text
stringlengths
279
69.3k
Ботанический (дендрологический ) памятник природы регионального значения Шингак-Кульский степной дендропарк Государственный природный зоологический заказник регионального значения «Шингак-Куль» Комплексный памятник природы регионального значения Озеро Шингак-Куль Мероприятия Контакты Фарида Кудашева / Мероприятия/ «Аҡмулланың яҡтылыҡ юлы” «Аҡмулланың яҡтылыҡ юлы” #башҡорттелекөнө2021марафон #деньбашкирскогоязыка2021марафон #деньбашкирскогоязыка2021марафонвЧишминскомрайоне #ШингакКульскойбиблиотеке Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Указына ярашлы 14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл булыуға бағышлана. Ошо уңайҙан 2021 йылдың 9 декбрь көнө Шөңгәк-Күл ауыл китапханаһында башҡорт телен һаҡлауға бағышланған «Аҡмулланың яҡтылыҡ юлы” тип аталған әҙәби сара үткәрелде. Сараның маҡсаты Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, М.Аҡмулланың ижады тураһында белемдәрен байытыу. Халыҡ күңелендә мәңге юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдырған бөйөк шәхестәр була. Аҡмулла кеүек шәхестәр беҙҙең дәүерҙә лә барҙар. Донъяла аҙ ғына йәшәп тә үҙҙәренең ҡылған изге эштәре, рухи мираҫтары менән быуаттың йөҙөн яҡтырталар. Мифтахитдин Камалетдин улы Аҡмулла – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе шағиры, уҡытыусы, алдынғы фекер эйәһе, башҡорт әҙәбиәтенең классигы. Бөйөк шиғыр оҫтаһының мираҫы башҡорт әҙәбиәте үҫешенә мөһим роль уйнай. Видео-ролик ярҙамында уҡыусыларға Аҡмулланың биографияһын, ижади юлын һәм Башҡортостан өсөн ниндәй эхәмиәткә эйә булыуын һөйләнек. Уҡыусылар үҙҙәренең күңеленә хуш килгән авторҙарҙың тел, халыҡ, республикаға арналған шиғырҙарын яттан тасуири итеп башҡарҙылар. Һәр кем үҙ башҡарыу оҫталығын күрһәтте. М.Аҡмулла – ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры. Салауаттан ҡала беренселәрҙән булып үҙ халҡына Башҡоттарым тип өндәшә, уны яҡты тормошҡа алып сығыу юлдарын эҙләй. Аҡмулланың поэтик традицияларын Ғ.Туҡай, М. Ғафури, Д.Юлтый, Ш.Бабич һәм башҡалар дауам итә. Йылдар үткән һайын ул сәсеп ҡалдырған шиғри ынйылары сағыуыраҡ күренә. Уның поэтик ижады онотолмаҫ моң булып әле лә халыҡ күңелендә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа уға арналған монографик хеҙмәттәр, бик күп мәҡәләләр донъя күрҙе, шағирҙың ҡәберенә мемориаль һәйкәл ҡуйылды, тыуған ауылы Туҡһанбайҙа музейы асылды, уның исемендә махсус премия булдырылды, йыл һайын Аҡмулла көндәре үтә.
Һәр кемебеҙҙең дә ошо хәлдә ҡалыуы бар. Шуға ла кешелеклерәк, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ тип әйткебеҙ килә! “Кеше булһын затығыҙ...” (“Урал батыр” эпосынан) Бер хәл тынғы бирмәй. Йәй айҙарында булһа ла йөрәгемде өйкәп торған быйылғы төйөндө быйыл яҙайым тип уйланым. Ибрайҙа йәшәгәс, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем алмаш-тилмәш килеп тора. Ышаныслы таксистар ҙа бар. Рәхмәт уларға. Сирғол ауылы егеттәре. Был юлы ла уларға мөрәжәғәт иттем.МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВАның тулы статьяһы менән сайтта танышырһығыҙ. “Кеше булһын затығыҙ...” (“Урал батыр” эпосынан) Бер хәл тынғы бирмәй. Йәй айҙарында булһа ла йөрәгемде өйкәп торған быйылғы төйөндө быйыл яҙайым тип уйланым. Ибрайҙа йәшәгәс, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем алмаш-тилмәш килеп тора. Ышаныслы таксистар ҙа бар. Рәхмәт уларға. Сирғол ауылы егеттәре. Был юлы ла уларға мөрәжәғәт иттем. "Ун дүрт йәшлек ейәнсәрем яңғыҙы ғына килә, Өфөнән ултыртып алып ҡайтығыҙ, йәме. Тик Ибрайға тиклем алып килегеҙ”, - тинем."Ярай, хәл итербеҙ", - тинеләр. Хәл дә иттеләр. Иртәгеһен ейәнсәрем: "Өләсәй, мин юлда" – тип шылтыратып та ҡуйҙы. Көтәм. Такси килер ваҡыт үтте. Бала юҡ. Өфөнән әсәһе шылтырата. Ни тип әйтергә лә белмәйем. Сирғол таксистарына шылтыратам. Иҫәнғолдоҡо ине ул, тиҙәр. -Ай әттәгенәһе, ни эшләп таныш булмаған кешегә әйттегеҙ инде!.. -Шәп егет ул. Ибрайға тиклем алып барам, тине, тиҙәр. Телефон номерын алып уға шылтыратам. Яуап юҡ. Аңлайым, юлдан һуң ял итәлер. Ейәнсәремдең телефонынан яуап юҡ. Билдәһеҙлектең биш минуты ла бихисап уйҙарға һала. Өс сәғәт ваҡыт үтте. Алабарманыраҡ холҡло булһа, шылтыратырға онотҡандыр, тип уйлар инем. Балаларым ул яҡтан бик бөтмөрҙәр. Һәр саҡ хәбәрһеҙ йөрөмәйҙәр. Аптырайым. Аптырау ғынамы ни!!! Улым менән килен Иҫәнғолда. Уларға шылтыратам. “Һеҙгә килмәнеме Айсулпан?”. Юҡ. тиҙәр. “Хәҙер автовокзалға барып ҡарайбыҙ. Бәлки такси шунда ҡалдырғандыр? Борсолма, әсәй, бәлки телефонының эарядкаһы бөткәндер...” Бер аҙҙан шылтыратыу... “Әсәй, шулай булып сыҡты. Иҫәнғолда ҡалдырған таксист. Әйберҙәре күп булғас, беҙгә килә алмаған. Ибрайға алып барыу өсөн дүрт кешелек барыу-ҡайтыуға түләү һораған. Шуға автобус менән ҡайтам тип тороп ҡалған. Шылтыратырға зарядкаһы бөткән”. Такси алып килгәндән һуң, өс сәғәт буйы ни эшләргә, ни уйларға белмәй йөрөгәндән һуң, ниһайәт, тынысландым. - Кассир апайҙан, бер генә минутҡа зарядкаға ҡуйып алайым әле. Өләсәйем борсолалыр. Шылтыратып ҡына алам. Рөхсәт итегеҙ инде, - тип һорағайным: “Минең эшем билет һатыу. Бөтмәҫ бында,..” - тине лә тәҙрәһен ябып ҡуйҙы, – ти ейәнсәрем. Ике сумка тултырып китап алған, думбыраһы ҡулында. Әлбиттә, йәйәүләп бер ҡайҙа ла бара алырлыҡ түгел. Бер минутлыҡ зарядка... ”Урал батыр” эпосының һәр юлында фәлсәфә. Һәр юлы фәһем. Әле мин ошо эпос юлдарынан алынған һүҙҙәр менән тамамлайым: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ! Мәрйәм Бураҡаева. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Был донъялыҡта бер ниндәй ҙә һынау күрмәгән кеше бармы икән? Кем генә булмаһын: ил башлығымы, сауҙагәрме, баймы, ярлымы, донъялыҡтағы дәрәжәһенә ҡарамай, әҙәм балаһы һәр ваҡыт һынауҙарға дусар була, сөнки был донъя – һынау донъяһы. Был донъя – һынау донъяһы Аллаһ Раббыбыҙ үҙенең китабында – изге Ҡөрьән Кәримдә беҙгә былай тип әйтте: “Беҙ һеҙҙе, әлбиттә, һынарбыҙ: ҡурҡыу, аслыҡ менән, малдарығыҙҙы кәметеп, үҙегеҙ менән (ауырыу ебәреп, яҡындарығыҙҙы алып), үҫентеләрегеҙҙе кәметеп”. Ошо уҡ аяттың аҙағында әйтте: “Шатландыр сабыр булыусыларҙы”, – тине. Әль Бәҡара сүрәһе, 155-се аят. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 46-сы һанынан уҡығыҙ. Автор:Аҡъюл Буранбай. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Бер нисә йыл рәттән банкаларҙа һуттар, компоттар һаҡлаған хужабикәләр арабыҙҙа күптер, моғайын. Баҡтиһәң, төшлө емеш һуттарын, ҡайнатмаһын оҙаҡ һаҡларға ярамай. Запастарҙы оҙаҡ һаҡламағыҙ Сейә, абрикос төшөндә амигдалин (В17 матдәһе) бар. Оҙаҡ торғанда, зыянлы синиль кислотаһына әүерелә. Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма, компоттағы амигдалин кеше сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Оҙағыраҡ һаҡланған һайын синиль кислотаһының миҡдары арта. Бындай емештәрҙән ҡышҡы запастарҙы бер йыл эсендә ҡулланып бөтөргә кәрәк. Фото: 7dach.ru https://ural-rb.ru https://dimbuizary.ru/articles/novosti/2022-11-23/zapastar-y-o-a-a-lama-y-3042414 Автор: Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Урамдар: Интернационал, Бер туған Жильцовтар, Акулов, Ватолин, Запольских, Йәштәр, Сирень, Ҡояш, Салауат Юлаев, Мелиораторҙар, Йәшел, Сәскә, Ҡайын сауҡалығы, Пушкин, 8 Март, Сейә, Йәйғор, Рубин, Сәнәғәт. 2. 2605-се һайлау участкаһы (Ленин урамы, 15, Балалар сәнғәт мәктәбе бинаһы). Урамдар: Тыныслыҡ, Ленин (1-се өйҙән алып 13-16-сы өйҙәргә тиклем ), Төҙөлөш, Ключевой, Совет (33-38-се өйҙәрҙән алып урам осона тиклем), Мәктәп, Т. Онкин, Сәнәғәт. 3. 2606-сы һайлау участкаһы (Ленин урамы, 19, район Мәҙәниәт һарайы бинаһы). Урамдар: Тау, Октябрь, Память Коммуны, Тракт (1-2-се өйҙәрҙән алып 34-39-сы өйҙәргә тиклем), Теплица, Петр Филиппов, Юбилей, Үҙәк, Иван Крючков, Йырын, Ленин (28-се өйҙән урам осона тиклем), 1 Май, Степан Чусов, Совет (1-се өйҙән алып 31-36-сы өйҙәргә тиклем). 4. 3474-се һайлау участкаһы (Йәштәр урамы, 15, Башҡорт гимназияһы бинаһы, башланғыс кластар яғынан инергә). Урамдар: Революция, Көньяҡ, Урман, Болон, Яңы, Урал, Космоновтар, Әй. 5. 3475-се һайлау участкаһы (Ленин урамы, 26, Йәштәр үҙәге бинаһы). Урамдар: Курорт, Урмансылар, Ҡарағай, Баҡса, Чапаев, Яр буйы. 6. 3476-сы һайлау участкаһы (Мәктәп урамы, 8, 1-се лицей бинаһы). Урамдар: Энергетиктар, Балашов, Колхоз, Сәнәғәт, Тракт (36 – 56 йорттар), Көнсығыш. 7. 3477-се һайлау участкаһы (Тракт урамы, 11 “А”, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы).
Проекттарҙың иң күбе Белгород өлкəһенəн əҙерлəнгəн – 200, унан ҡала – Санкт-Петербург-168. Башҡортостан – өсөнсө урында. Беҙҙең 160 проект араһында 500 мең һумға тиклемге грант алыуға 58 проект бар, 81 проект 500 мең һумдан алып өс миллион һумға тиклемге гранттарға. Тағы 15 проект өс миллиондан ашыуыраҡ һумға дəғүə итə. Ҡатнашыусылар географияһы ярайһы киң – республиканың 38 муниципаль берəмеге ғариза биргəн. Иң əүҙемдəре – Өфө, Стəрлетамаҡ, Сибай ҡалалары. Президент гранттары фонды мəғлүмəттəре буйынса, барлығы 3 868 проект алынған. Иң популяр тема: Социаль хеҙмəтлəндереү, халыҡты социаль яҡлау. Проекттарҙың күбеһе коронавирус йоҡтороп ауырыусы ғаилəлəргə ярҙамға бəйле. Август аҙағында конкурс тамамланасаҡ, 1 сентябрҙəн еңеүсе проекттар тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, тип хəбəр итəлəр БР Йəмəғəт палатаһынан. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Санияның башы күтәрелде, буй-һыны шыпа турайҙы, өҫтөндәге кейеме лә хатта үҙгәрҙе. Күңелле йылмайып, элеккенән дә нығыраҡ баҫып, ғәҙәттәгесә, ихлас һөйләшеп йөрөй. Бурыстан ғына ҡотолманы, өҫтөнән йөк төшкән һымаҡ булды. Азамат ҡустыһына мең рәхмәт инде! Шундай ауыр ваҡытта килеп сығыуын, үҙе теләп ярҙам итеүен әйт әле. Нимә тине? “Беҙ бит, апай, башҡорттар, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ”, – тине. -1- -2- -3- -4- -5- -6- -7- -8- -9- -10- -11- -12- -13- -14- ҺИН ТҮГЕЛМЕ ИР ҠАТЫНЫ? Хикәйә Унынсы бүлек Санияның башы күтәрелде, буй-һыны шыпа турайҙы, өҫтөндәге кейеме лә хатта үҙгәрҙе. Күңелле йылмайып, элеккенән дә нығыраҡ баҫып, ғәҙәттәгесә, ихлас һөйләшеп йөрөй. Бурыстан ғына ҡотолманы, өҫтөнән йөк төшкән һымаҡ булды. Азамат ҡустыһына мең рәхмәт инде! Шундай ауыр ваҡытта килеп сығыуын, үҙе теләп ярҙам итеүен әйт әле. Нимә тине? “Беҙ бит, апай, башҡорттар, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ”, – тине. Ә Әхәт өндәшмәй. Нимә уйлағанын да белеп булмай. Санияның бөткән эскеселәрҙе, хатта һынып ятҡан наркомандарҙы һирәк-мирәк күргәне бар. Уларҙың сирҙәре йөҙҙәренә яҙып ҡуйылған. Ҡарттарға ғына хас ҡиәфәт, нимәлер эҙләп, ваҡыт-ваҡыт тоҡанып ҡуйған ҡараш һәм туҡтауһыҙ доза эҙләү. Берәүһенә спиртлы эсемлек кәрәкһә, икенсеһенең кәйефен тик доза ғына күтәрә. Ә ҡомарлы отоштар ҡорбанын нисек дауаларға? Бар, күңелеңде баҫып ҡайт, тип һәр ваҡыт аҡса тоттороп булмай бит. Сания аптырана, нимә уйларға белмәй. Ҡәйнәһенең күсеп килеүен дә шул сәбәптән, тип аңланы. Ни хәл итәһең, оло кеше оло инде, күп һөйләй, күберәген бушты ләпелдәй. Донъя күрмәгән кеше түгел бит, улының ғаиләһен һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнашырға, үҙ өлөшөн индерергә теләй. Әхәткә ҡарата әсәһенең дә, Санияның да фекер айырмаһы юҡ дәрәжәһендә. Улын ҡарап, уның өсөн борсолоп ҡына тора. Ләкин әлегә билдәһеҙлек барыһын да йонсота. Сания ҡомарлы уйындарҙан интегеүселәрҙең холоҡ-фиғеленә ҡарата интернет аша байтаҡ мәғлүмәт алды. Ҡараш ҡапма-ҡаршылыҡлы. Берәүҙәр әҙ-әҙләп аҡса биреп, ваҡыт-ваҡыт күңелен баҫып, ни өсөн һәм нисек отолоуын күрһәтергә кәңәш итһә, икенсе белгестәр эш менән күмеү, аҡса һымаҡ әйберҙәрҙән тамам өҙөү, хатта, кәрәк булһа, бик оҙайлы булмаған ваҡытҡа бикләп ҡуйыуҙы ла кәңәш итә. Улар өсөн хатта күпләп аҡса отоу түгел, автомат эргәһендә ана отам, бына отам, тип мөлдөрәп тороу күңелен нығырак күтәрә, имеш. Донъя ғалимдары уны хәйерселәрҙе һәм миллиардерҙарҙы берләштергән берҙән-бер сир, тип баһалай икән. Фәҡирҙәр байыуҙы маҡсат итеп ҡуйһа, байҙар үҙҙәренең малын ишәйтеүҙе көҫәй, имеш. Сания һиҙә, иренең әлегә көн һайын эшкә йөрөүгә лә, ғаилә ҡарауға ла барымы ла, теләге лә, ихтыяжы ла юҡ. Ә сабыйҙар ни эшләй инде? Сабыйҙар үҫә. Нимәһелер сығып, үҙ-ара бәхәсләшеп китһәләр, билләһи, тыйып алырлыҡ түгел. Әсәләре саҡ тынысландырып ала үҙҙәрен. Бер көн Әхәттең үҙенә лә мөрәжәғәт итергә тура килде: – Ҡара әле, малайҙарың бигерәк тынғыһыҙ, шаяралар. Үҙҙәрен тыйһаңсы, – тине. Уныһы, йөҙө асылып киткәндәй булды, ҡулдары менән һыпырып: – Бында нимә бар? Ниңә шаяраһығыҙ? – тип әллә шелтәләне, әллә тыйҙы, шулай ҙа, тымғандай булдылар. Ваҡыты ла еткән икән. Бәпесен күтәреп, Рәйфә килеп инде. Уны күреү менән, Әхәт икенсе бүлмәгә үк сығып китте. – Ҡайһылай үҫкән, үҙеңә оҡшап тора! – тип һөйләнде Сания. – Ә ни эшләп үҙең генә? – Ә беҙҙең атай эштә. Яңы ғына китте, бер айҙан ғына ҡайта. Әхәт үҙе сыҡманы, әсәһенә әйтеп торманылар. Шулай итеп, был осрашыу әллә ни әһәмиәтле булманы. Сания үҙе лә Әхәттең был ҡылығын тағы аңламаны. Ни әйтһәң дә, әсәһе Әхәттең балаһы булыуын белә бит. Тормоштан шулай ваз кистеме икән, ҡыҙыҡһыныуы башҡа өлкәгә ҡараймы, битараф ҡалды ла ҡуйҙы. Сания шундай һығымта яһаны: Әхәттең сире тәрәндә һәм уны, эргәһендә булып, әүрәтеп, тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына еңеп булмаясаҡ. Ул асылмаған, ҡорғаҡһып бөткән йоҙаҡ һымаҡ. Көтмәгәндә асылып китеүе, донъяның аҫтын өҫкә килтереүе бик ихтимал. Эстән генә, исмаһам, эскән булһа, йә доза эҙләһә, үҙен туҡтатырлыҡ һүҙҙәр эҙләр һәм табыр ине. ләкин ул өнһөҙ, аҫтыртын ғына нимәлер көтә. Өйҙә урлап һатырлыҡ затлы әйбер юҡ, тип әйтерлек. Ә тир сығарып эшләргә теләге тойолмай. Бары тик ниндәйҙер бер хилаф эш ҡылыуын көтөргә генә ҡала. Кешеләргә генә зыян килтермәһен, яҡындарына ҡағылмаһын. Үҙе иҫән-һау булһын, тип эстән генә көн һайын теләй Сания. Бер көн тамам аптыратты. Сания янына килде лә, әйҙә, тағы мәсеткә барып киләйек әле, тине. Быныһын ыңғай баһаланы Сания. Тимәк, үҙе менән көрәшеүен дауам итә һәм ошо хәлдән сығыу юлын эҙләй. Барҙылар мәсеткә. Теге бабайҙы ла эҙләп таптылар. Ҡарт булһа ла, хәтеренең яҡшылығына, һүҙҙәренең тослоғона хайран ҡалырһың. – Күреп торам, улым, үҙең теләп килгәнһең. Уйланаһың, борсолаһың, үҙең менән шулай көрәшәһең. Нәфсе – Иблис тоҡомонан. Ай-һай, был ҡомһоҙлоҡ күптәрҙең башына етте. Бындай бәләгә тарығандар донъяла бер һин генә түгел. Күңелеңдә йомартлыҡ менән ҡомһоҙлоҡ көрәшә. Ай-һай, еңел түгел Иблис ҡотҡоһонан ҡотолоу. Бына бит, ҡатының да килгән, ул да һиңә яҡшылыҡ теләй. Әгәр яратмаһа, һинең өсөн борсолмаһа, үҙеңә күптән ҡул һелтәр, эргәһенән ҡыуыр ине. Ә ул, ана, һинең һөйөүең емеше – балаңды йөрөтә. – Беҙ игеҙәктәр көтәбеҙ, – тип әйтте Сания, күҙ йәштәре аша. – Игеҙәктәр! Собханалла мәшә Аллаһ! Эй, Хоҙайым, сабыйҙарға – һаулыҡ, ата-әсәһенә – бәхет, яҡындарына түҙемлек әйләһәңсе. Улым, ғәфү ит, һин тарыған сир бик һирәктәргә – бик фәҡирҙәргә, йә бик байҙарға ғына хас. Һинең таянысың – ҡатының. Әгәр ул һиңә ышанмаһа, киләсәк тормошоғоҙға өмөт булмаһа, бындай шарттарҙа, ике уйламай, икеләнеп тормай, йөгөнән ҡотолор ине. Ә ул, рәхмәт яуғыры, һине ошо ерҙә һаҡлап ҡалыу өсөн, Иблис менән көрәшә. Өҫтәүенә, һинең нәҫел-ырыуыңды дауам итер өсөн сабыйҙар үҫтерергә теләй. Санияның, мәсеттән сығыуға, тын алыуҙары еңеләйеп, болотло көн яҡтырып киткәндәй тойолдо. Йәйәүләп кенә туҡталышҡа атлағайнылар, ҡаршыларына әлеге Рауил Ниғмәтйән улы килде лә сыҡты. “Әллә беҙҙе аңдып йөрөй инде?” – тип эстән генә күңеле борсолоп ҡуйҙы Санияның. – Йә, хәлдәрегеҙ нисек? – тине юрист-банкир. Сания менән Әхәт әҙәпле генә иҫәнләштеләр. Кеше ниндәй генә булмаһын, күрәләтә, сәбәбе булһа ла, асыуланышып булмай бит. – Мин һеҙҙең өсөн бик шатмын, – тине теге, – мәсеттән сығып киләһегеҙ, иман юлына баҫҡанһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә бик матур күренәһегеҙ. Мин һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләйем. Һәр ваҡыт шулай булығыҙ. Шундай изге теләктәр әйтеп торған кешегә нимә тип асыуланаһың инде? Эргәлә генә асыҡ кафе эшләй икән. – Әйҙәгеҙ, берәр шәшке сәй эсәйек, – тип саҡырҙы юрист. Бәлки туҡталмаҫҡа, ары атларға булғандыр. Ләкин, әллә йомшаҡ һүҙҙәре йәштәрҙе арбаны, ямғыр һибәләй башлағайны, улар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, сатыр аҫтына кереп, ышыҡҡа ултырҙы. Күҙ менән ҡаш араһында өҫтәлдә сәй генә түгел, яңы бешкән тауыҡ ите менән картуф пәйҙә булды. Иртән ҡабалан сығып йүгерешкәйнеләр, асыҡҡандары иҫтәренә төштө. Сания аҙаҡ был көндө ваҡыт-ваҡыт иҫкә төшөрәсәк. Үкенәсәк, мендәргә йөҙөн терәп, үкһеп-үкһеп илағанда үҙен ғәйепле, тип табасаҡ. Сания кафе эсендәге уңайлыҡтарҙан файҙаланып сығыуға, юрист менән уның ире ҡыҙыу-ҡыҙыу ғына итеп, нимә хаҡындалыр һөйләшәләр ине. Хатта Әхәтенең йөҙө асылып, күңелле генә өндәшеүе лә ҡолағында яңғырап торған һымаҡ. Тик нимә хаҡында һөйләшкәндәрен аңламаны. Сания килеп ултырыуға, тындылар. – Ямғыры ла яуа ла яуа, оҙаҡҡа булыр, ахыры, – тип Рауил Ниғмәтйәнович үкенес белдерҙе. Әхәт тә, кафе эсенә инеп сығыу хаҡында әйтеп, йүгерә-атлай күҙҙән юғалды. Юрист та үҙенең ашығыс эштәрен иҫкә төшөрҙө һәм уңышлы көн теләп, китеп барҙы. Сания биш минут ултырҙы, ун минут ултырҙы, ә Әхәт юҡ та юҡ. Баҙнатһыҙ ғына, кафе эсенә керҙе һәм официантҡа мөрәжәғәт итте. – Ниңә борсолаһығыҙ? Һеҙҙең өсөн түләнеләр бит, – тине тегеһе, – шулай булғас, тыныс ҡына, үҙ юлығыҙ менән китә алаһығыҙ. – Ирем, аҡ курткалы кеше, туалетҡа, тип кереп киткәйне. Ә бынан урамдың теге яғына сығырға мөмкинме? – тип күрһәтте Сания. Сания йүгереп барып, күрһәтелгән ишекте асты һәм ҡайнап торған кешеләр ағымына барып юлыҡты. Бында меңләгән кеше араһында иреңде табыу түгел, үҙеңде юғалтырға мөмкин ине. Дауамы: Ун беренсе бүлек ------------------------ Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Бөгөн бөтә донъя йәмәғәтселеге Халыҡ-ара инвалидтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш көнөн билдәләй. Илебеҙҙә был кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, иң аҙ яҡланған граждандар категорияһына инә. Халыҡ-ара инвалидтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш көнө мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтергә тейеш. Бөгөн Рәсәйҙә генә 13 миллионға яҡын инвалид йәшәй. Йыл һайын илебеҙҙә 700 меңдән ашыу кеше ғәрипкә әйләнә. Башҡортостанда инвалидтарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, республика ҡалаларында һәм райондарында даими рәүештә инвалид балаларға ярҙам акциялары үткәрелә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус эш урындары булдырыла. Ҡайһы бер ҡалаларҙа инвалидтарҙың спорт менән шөғөлләнеүе өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Күп инвалидтар, фажиғәгә дусар булыуҙарына ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелмәй, эштә һәм спортта ҙур уңыштарға өлгәшә. Стәрлетамаҡта йәшәүсе дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов быға өлгө булып тора ла. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү алдынан һуғыш инвалидтарына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Мохтаж булыусыларға торлаҡ шарттары яҡшыртыла. 3 майҙан 12-һенә тиклем Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары ҡала-ара һәм ҡала эргәһе автобустары, йылға суднолары, тимер юл, самолеттар транспорт хеҙмәтләндереүҙәре менән бушлай файҙалана ала. Шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә зыян күргән бөтә локаль һуғыш инвалидтары ла алыҫ араға бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана ала. Автор:Евгений Рәхимҡолов Теги:инвалидтар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Һеҙ ауыл хужалығының малсылыҡ тармағында бик әһәмиәтле урын алып тороусы хеҙмәтте башҡараһығыҙ. Бөгөн ауыл ерендә йәшәп, мал бағып донъя көткән һәр ғаилә, һәр хужалыҡ ветеринар хеҙмәтенә ныҡлы мохтаж. Районда үткәрелгән ветеринария сараларының уңышы, халыҡтың биологик таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланыуы, уның сәләмәтлеге Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәткә, үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл үтәүегеҙгә бәйле. Киләсәктә лә яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы һөҙөмтәләр һәм ғаилә именлеге теләйем! Р. Шәрипов, район хакимиәте башлығы. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
0039 Үтәгән ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өлә­сәйебеҙ Байгилдина Фәт­ҡиә Рәхмәтулла ҡыҙын 80 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, йөрәк түрендәге иң изге теләк­тәребеҙҙе еткерәбеҙ! Әсәйебеҙгә ныҡлы һау­лыҡ, шатлыҡ, күңел ты­ныслығы теләйбеҙ. Беҙгә терәк, кәңәшсе булып оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Күрһәткән изге­лек­тәреңдең игелек­тәрен күреп, ауырыу белмәй, бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай. Һин ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн, Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән. Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә. Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Фәнәзиә, Рәмзиә, Фәнилә, улың Илдар, киленең Менәүәрә, кейәүҙәрең Фирҙәүес, Зөлфәр, Мөхәмәтнур һәм ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Президент халыҡтың килеме аҡрын артыуы сәбәпле борсола. Ә Росстат фәҡирҙәр һаны киләсәктә лә артасаҡ, тип белдерә. Ағиҙел -15 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Дөйөм мәҡәләләр 28 Август 2019, 18:19 Президент халыҡтың килеме аҡрын артыуы сәбәпле борсола. Ә Росстат фәҡирҙәр һаны киләсәктә лә артасаҡ, тип белдерә. Президент халыҡтың килеме аҡрын артыуы сәбәпле борсола. Ә Росстат фәҡирҙәр һаны киләсәктә лә артасаҡ, тип белдерә. Ә ябай халыҡ был хаҡта ишетәме икән? Сөнки торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн бурыс күләме йылдан-йыл арта бара. Бына һуңғы мәғлүмәттәр: Рәсәй халҡының бурысы, 2019 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, 5,4 процентҡа артҡан һәм 564 миллиард һумға еткән, шуның 164 миллиарды – йылылыҡ өсөн. Социологтар бурысты халыҡтың йәшәү кимәленең түбән булыуы менән аңлата. Бурыстар хаҡында Владимир Путин белә икән, ул Хөкүмәткә иҡтисади күрһәткестәрҙең тотороҡло үҫеүен тәьмин итергә ҡушҡан. Бында идарасы компанияларҙың нәфсеһен тыйыусы закондар юҡлығы ла ҡамасаулай. Ә төҙөлөш министрлығы халыҡты йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеүсе предприятелар менән туранан-тура килешеүҙәр төҙөргә тәҡдим итә.
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы буйынса фильм төшөрәләр. Яҙыусының М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙған ижад кисәһендә ҡаҙаҡ шағиры Саят Камшыгер ошо хаҡта белдерҙе. «Был ҡаҙаҡ телеканалында тулы метражлы нәфис фильм була. Әлегә идея бар. Режиссер Азамат Кенесулы фильмды төшөрөү өсөн Башҡортостанға килергә йыйына. Ләкин фильмда ҡаҙаҡ актерҙары ҡатнаша, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына ҡаҙаҡ әҙибе. — Беҙҙең эстрада-цирк сәнғәте колледждында ла Айгиздең әлеге китабы буйынса спектакль әҙерләйҙәр». Саят Камшыгер башҡорт ҡәләмдәше өсөн ҡаҙаҡса йырлап ишеттерҙе. Саят Камшыгер — ҡаҙаҡ шағиры, Ҡаҙағстандың «Серпер» йәштәр премияһы лауреаты, «Молдер булак» журналының баш мөхәррире. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабын ҡаҙаҡ теленә тәржемә иткән. Ҡаҙағстанда китап уҡыусыларҙың ҙур баһаһына лайыҡ булды һәм «бестселлер» билдәһе менән баҫылып сыҡты. Айгиз Баймөхәмәтов бик иртә атай-әсәйһеҙ ҡалған һәм балалар йортонда үҫкән. Һуңғараҡ ауыр бала саҡ йылдары хәтирәләре нигеҙендә ул «Ҡалдырма, әсәй!» тигән тәүге автобиографик повесын яҙҙы. Китап республикала киң резонанс алды һәм иң күп тиражлы заманса башҡорт китабы тип танылды. Рус, татар, ҡаҙаҡ, сыуаш, бүрәт, азербайжан телдәренә тәржемә ителде. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Х.Намсараев исемендәге Бүрәт драма театрында повесть буйынса «Хыялға ҡаршы» спектаклдәрен ҡуйҙылар. Яҙыусы Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙалға лайыҡ булды. Быйыл авторҙың төрлө республикаларҙа биш китабы донъя күрҙе. Ошо көндәрҙә уның Өфөлә «Урам балалары» китабы баҫылып сыҡты. Рус теленә Зөһрә Бураҡаева тәржемәләгән. Айгиз Баймөхәмәтовтың ижад кисәһенә Татарстан ҡунағы — яҙыусы, «Казан утлары» журналының баш мөхәррире Рөстәм Ғәлиуллин да килгәйне. Журналдың яңы һанында Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәре баҫылған, тип хәбәр итте ул. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы Айгиз Баймөхәмәтовҡа уның китаптарының бүләк баҫмаһын тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай сәхнәнән йәш ҡәләмдәшенә арналған «Ил улы» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Яҙыусыны Белорет районынан килгән яҡташтары, Башҡорт драма театры коллективы, сыуаш һәм бүрәт дуҫтары, шағир-йырсы Рәмил Сурағол, бейеүсе һәм хореограф Риф Ғәбитов, йырсылар Роза Аккучукова, Әлфиә Юлсурина, Дамира Сәйетова, Айтуған Ғәйзуллин ҡотланы. Мәрхүм летчик-штурмовик, авиация полковнигы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың улы Айгиз Баймөхәмәтовҡа (яҙыусы уның менән дуҫ ине) атаһының хәрби формаһын бүләк итте. http://www.bashinform.ru/news/1231469-po-knige-bashkirskogo-pisatelya-v-kazakhstane-snimut-khudozhestvennyy-film/ Теги:әҙәбиәтайгиз баймөхәмәтов Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Ошо көндәрҙә, “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле хеҙмәткәрҙәре, һәр саҡ әүҙем булған коллегалары Тәлғәт Бурановты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар. Ошо көндәрҙә, “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле хеҙмәткәрҙәре, һәр саҡ әүҙем булған коллегалары Тәлғәт Бурановты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар. Улар Тәлғәт Зәки улын: “Районыбыҙҙа берҙән-бер оҙон көй йырлаусы, һин! - тип ҙурланылар. - Тағы ла донъянан йәм табып, оҙон-оҙаҡ беҙҙең менән бергә йәшә һәм эшлә», - тип изге теләктәрен дә еткерҙеләр. Юбилярға арнап ошо төркөмгә йөрөүсе Луиза Собханғолова шиғыр ҙа яҙған: “Һаҡалтай” ҡушаматың бар, “Йырсы Тәлғәт” тигән атың, “Умартасы” тигән даның бар, Ғаилә ҡороп, донъя көткән Ике бөртөк улың бар, Берҙән-берең, йөрәк майың, Ғәзиз һылыу ҡыҙың бар. Йөрәк тибә ярһыу аттай, Етмеш биштә булһа ла. Күңел һаман ҡыҙҙар көҫәй, Һаҡалға сал ҡунһа ла. Атайым Тәлғәт Зәки улын ҙурлап, хөрмәтләп матур сара ойошторғандары өсөн “Йәнтөйәк” фольклор ансамбленә, айырыуса Мәрйәм Юлдыбаеваға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Башҡортостан “Беҙ спорт яҡлы!” проектында ҡатнашҡан төбәктәр исемлегендә иң алда бара. Был сара “Демография” милли проекты сиктәрендә үткәрелә Беҙ – был исемлектә иң алда Башҡортостан “Беҙ спорт яҡлы!” проектында ҡатнашҡан төбәктәр исемлегендә иң алда бара. Был сара “Демография” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Беҙҙең республиканан ошо проектта ҡатнашҡандар һаны 4 804 кешегә еткән, тип хәбер итә Башҡортостандың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы. Йүгереү, атлау, йөҙөү, велосипед һәм саңғы-роллер спорттары буйынса 72 күнекмә уҙғарылған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Демография” милли проектына ингән “Беҙ спорт яҡлы!” проектын Рәсәй Спорт министрлығы гранты иҫәбенә “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте тормошҡа ашыра. “Башинформ” фотоһы. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты https://bashgazet.ru Беҙ – был исемлектә иң алда Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының Милли архивы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған "Архив документтарында ғаиләм тарихы" темаһы буйынса IV асыҡ республика генеалогик конкурс иғлан итте. Конкурс 25 ғинуарҙан алып 1 апрелгә тиклем төрлө йәштәгеләр өсөн айырым уҙғарыла: – VIII – X синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары; – юғары уҡыу йорттары студенттары һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр. Ижади бәйге өс номинация буйынса үткәрелә: "Яҙмалар документтарында тыуған төйәгемдең тарихы". "Ғаилә архивы – шәжәрәгә асҡыс". "Минең яҡташым - билдәле шәхес". Ғилми-тикшеренеү эштәре 2021 йылдың 10 мартына тиклем ҡабул ителә. Ғаризалар өсөн электрон адрес: Urakaeva.aa @ bashkortostan.ru. Конкурстың положениеһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://archive.bashkortostan.ru/documents/active/333193/ Фото pikabu.ru сайтынан. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Яңыраҡ Шишмә районының Шиңгәк-Күл ауылында 31 йәшлек ир, күршеһенең өйҙә юҡлығынан файҙаланып ишеген емереп, 4 тоҡ картуфын алып сыға. Хужабикә өй ишеге емерелеүе һәм 100 килограмм картуфты юғалыуы хаҡында полицияға ғариза яҙа. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене һәм урланған картуфты таба. Енәйәтсе картуфты һатып, аҡсаһына спиртлы эсемлек алыу маҡсатында урлағанын әйтә. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА Фото: pixabay.com Источник: МВД http://www.ye02.ru/online/19594-krsheene-kartufyn-urlaan.html Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Мәғарифта асыҡ ишектәр аҙнаһында Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбенең «Үҫеш нөктәһе» үҙәге «Виртуаль һәм өҫтәлгән ысынбарлыҡ» берекмәһендә асыҡ дәрестәр үткәрелгән. Сара Рәсәйҙәге Фән һәм технологиялар йылына бағышланған.«Үҫеш нөктәһе» был мәктәптә «Мәғариф» милли проектының «Хәҙерге заман мәктәбе» төбәк проекты булышлығында 2020 йылдың көҙөнән башлап эшләй. Балалар, VR-технологияларҙы ҡулланып, башҡортса «Майнкрафт» уйынына ҡушылған. Был уйындың башҡортсаһын Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләгәндәр. «Уйын әле эшләнеү өҫтөндә генә булһа ла, балалар урта быуаттар донъяһына виртуаль сәйәхәткә сығып, онотолмаҫ тәьҫораттар алды, башҡорттарҙың тормош-көнкүреше, тарихы менән танышты», – ти уҡытыусы. Мәғарифта асыҡ ишектәр аҙнаһында Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбенең «Үҫеш нөктәһе» үҙәге «Виртуаль һәм өҫтәлгән ысынбарлыҡ» берекмәһендә асыҡ дәрестәр үткәрелгән. Сара Рәсәйҙәге Фән һәм технологиялар йылына бағышланған. «Үҫеш нөктәһе» был мәктәптә «Мәғариф» милли проектының «Хәҙерге заман мәктәбе» төбәк проекты булышлығында 2020 йылдың көҙөнән башлап эшләй. Балалар, VR-технологияларҙы ҡулланып, башҡортса «Майнкрафт» уйынына ҡушылған. Был уйындың башҡортсаһын Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләгәндәр. «Уйын әле эшләнеү өҫтөндә генә булһа ла, балалар урта быуаттар донъяһына виртуаль сәйәхәткә сығып, онотолмаҫ тәьҫораттар алды, башҡорттарҙың тормош-көнкүреше, тарихы менән танышты», – ти уҡытыусы. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Мөхәббәт хаҡында фәһемле лә, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғаларҙы йыш ишетергә тура килә, ҡайһы саҡ хатта күҙ йәшенә ирек бирәһең. Әле һөйләнеләсәк ваҡиға ла мәңгелек мөхәббәт темаһына ҡағыла. Уйҙырма түгел, ысын тормоштан алынған. Уны миңә шәфҡәт туташы Айгөл һөйләгәйне. Мөхәббәт хаҡында фәһемле лә, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғаларҙы йыш ишетергә тура килә, ҡайһы саҡ хатта күҙ йәшенә ирек бирәһең. Әле һөйләнеләсәк ваҡиға ла мәңгелек мөхәббәт темаһына ҡағыла. Уйҙырма түгел, ысын тормоштан алынған. Уны миңә шәфҡәт туташы Айгөл һөйләгәйне. Был хәл илдә үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда була. Айгөл, медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса хәрби госпиталгә шәфҡәт туташы булып эшкә килә. Белеүегеҙсә, бында, нигеҙҙә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, афған һәм чечен һуғышында ҡатнашыусылар дауалана, һаулығын нығыта. Оло йәштәгеләрҙең, һуғышта алған яраларҙан ыҙа сигеүселәрҙең кәйефе юҡ, һәр кем үҙ ҡайғыһы менән йәшәй, табиптарға ла төрлө дәғүә белдерә. Ҡыҫҡаһы, күңелле урын түгел. Айгөл эшләгән травматология бүлегендә йәштәр бөтөнләй тиерлек булмай. Уға ғаиләле апай-ағайҙар, пенсионерҙар менән дауахана йөгөн тартырға тура килә. Әммә 18 йәшлек ҡыҙыҡай тәжрибәле белгестәр янында эшләүенә ҡыуанып бөтә алмай, тегеләре лә уны йәберһетмәй, кәңәштәре менән гел ярҙам итә. Тормош тәжрибәһе бай булғандарҙан Айгөл яҡшыны ямандан айырырға, дуҫлыҡ ебен нығытырға өйрәнә. Ул хеҙмәттәштәре араһынан Таңһылыу исемле 40 йәшлек мөләйем апайҙы бер туғанылай яҡын күрә. Айгөл мәктәп йәшендәге малай менән ҡыҙ үҫтергән ҡатындың йыш кәйефһеҙ булыуына иғтибар итә. Кеше менән аралашмаған, үҙ-үҙенә бикләнгән кешенән Айгөл һөйләшмәүенең сәбәбен һорашырға ла уңайһыҙлана. Тик күпселеген ҡатын-ҡыҙ тәшкил иткән коллективта сер оҙаҡ һаҡланамы һуң инде? ...Таңһылыу иренән уңмай. Ул сит ҡатындар менән дә типтерергә ярата, йыш ҡына өйөнә иҫерек ҡайтып, балаларын йәберләй, ҡайһы саҡ ҡул да күтәргеләй. Бешергән аш-һыуын оҡшатмай, өҫтәлдән тәрилкәне бәреп тә осорған саҡтары булғылаған. Ғаиләлә эскелек арҡаһында гел ғауға ҡупҡан, балаларының да, ҡатынының да күҙ йәше ир кешене яҡшы юлға баҫырға ярҙам итмәгән. Башҡортостанға күрше өлкәнән килен булып төшкәс, Таңһылыуҙың күҙ төбәп барыр кешеһе лә, ҡайғыһын һөйләргә туған-тыумасаһы ла булмаған. Шуға ла ғауға ҡупҡанда ул ике балаһын эйәртеп, ҡайҙа барып баш төртөргә белмәй аҙапланған сағында, госпиталдә бергә эшләгән әхирәттәрендә иренән ҡасып йәшеренгән, хәсрәтен уртаҡлашҡан. Ә улары сер тота алмаған булып сыға, Таңһылыуҙың ғаилә хәлен яҡшы белә тороп та, ғәйбәт таратырға тартынмай. Әкренләп уның кешеләргә ҡарата ышанысы кәмей, ғаилә хәлен башҡаларға белдермәҫ, һөйләшмәҫ була... Шулай бер ваҡыт травматология бүлегенә инвалид ирҙе дауаларға килтерәләр. Рим дауаханаға килгәндә (исемен шулай атайыҡ) ныҡ ябыҡ була, төҫкә лә әллә ни түгел, етмәһә, яңғыҙ ҙа. Зәңгәр күҙҙәре моңһоу, уйсан һәм ғазаплы күренә. Ул коляскала йөрөй, иң үкенеслеһе – ике аяғы төптән ҡырҡылған. Рим палатала ятҡан ир-егеттәр менән дә әллә ни һөйләшеп бармай, онотҡанда ғына бер-ике һүҙ ҡуша ла йәнә үҙ-үҙенә бикләнә, йыш ҡына тәҙрәгә текәлеп нимәлер күҙәтә. Табиптарҙы ла, теге ерем ауырта, был ерем һыҙлай, тип юҡ-барға борсомай. Айгөлгә бер көн шулай Таңһылыу апаһы менән төнгө сменала эшләргә тура килә. Ауырыуҙарҙың картаһын барлап, кемгә ниндәй укол яһарға теркәп һөйләшеп ултырғанда, Таңһылыу шыбырҙап ҡына Айгөлгә өндәшә. – Бүлексәлә ауырыуҙар йоҡларға ятҡас, Римде киске ашҡа саҡырырға уйлайым, уның һыҙланыуҙарын тойоп, ғазаплы йөҙөн күреп, үҙем дә ауырыуға һабыша башланым, буғай. Әллә ҡатынын һағына инде, уныһы инвалид ирен ике ай элек ташлап сығып киткән. Айгөл дө Римде ашҡа саҡырыуға ҡаршы төшмәй, киреһенсә, ризалығын белдереп, табын әҙерләргә тотона. Яйлап ҡына Таңһылыуҙан Рим тураһында күберәк белешергә теләп, төрлө һорау яуҙыра. ...Рим элек бындай аяныслы хәлдә йәшәмәгән, һау-сәләмәт тормош алып барған. Атаһы хәрби кеше булған, уның юлын һайлап, егет юғары хәрби уҡыу йортон тамамлаған. Өйләнгән, балалар үҫтергән. Тормош үҙ яйы менән алға табан тәгәрәгән мәлдә, яҙмыш Римгә ҡаты һынау ебәрә. Хәрби кеше булараҡ, уны Афғанстанға хеҙмәткә оҙаталар. Капитан ҡурҡыныс һәм аңлайышһыҙ һуғышҡа эләгеүен һиҙә, әммә бойороҡто үтәргә кәрәклеген аңлап, ҡыҙыу нөктәгә юллана. Рәхимһеҙ һуғышта ул ҡаты яралана. Табиптар егеттең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн күп көс һала, әммә яҙмыш егеткә үтә лә аяуһыҙ була – госпиталдә уның аяҡтарын киҫәләр. Һуңынан капитанды хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тыуған яғына ҡайтаралар. Ҡатыны ирен яҡты йөҙ менән ҡаршы алмай, ризаһыҙ ғына тамағына әҙерләй, өҫтөн яҙа-йоҙа тәрбиәләй. Тик уны ташлап сығып китергә форсат ҡына тапмай, "һин түмәр менән йәш ғүмеремде үткәрергә йыйынмайым" тип тураһын әйтергә генә ҡыймай. Ике йыл ошолай йәшәгәс, Римгә санаторийға һаулығын нығытырға тип путевка тотторалар. Ике айҙан һуң ҡайтып инеүгә, уны буш фатир ғына ҡаршы ала. Ҡатыны Заһира, форсаттан файҙаланып, әйберҙөрен йыйнап, тыуған яғына ҡайтып киткән. Бер ҡағыҙ киҫәгенә "Башҡаса былай йәшәй алмайым, ғәфү ит, мине эҙләмә. Һау-сәләмәт кеше менән йәшәргә теләйем" тигән яҙыу ҡалдырған. Шул мәлдән Римдең йән-күңел тыныслығы, йәшәүгә дәрте юғала, "аяҡһыҙ ғәрип кемгә кәрәк инде" тип өҙгөләнә. Ашамағас-эсмәгәс, үтә ҡайғырып, егет йәмһеҙ булып ябыға, һарыға һабыша. Шуға ла ҡаланың социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге уны, бөтөнләй кешелектән сыға күрмәһен тип, госпиталгә дауаланырға ебәрә. Киске ашҡа килергә Рим тәүҙә уңайһыҙлана, шулай ҙа батырсылыҡ итә. Өсәүләшеп таңға ҡәҙәр һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Таңһылыу Римдең һәр һүҙен тиерлек йотлоғоп тыңлай, хатта күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары күренә башлай. Айгөл ошо кистән һуң Таңһылыуҙың ҡапыл күңелсәк ҡатынға, һөйләп һүҙе бөтмәҫ телсәргә әйләнеүен шәйләй. Таңһылыу апаһының ҡыуаныслы йөҙөн күреп, Айгөл дә шатлана. Аҙаҡ уларҙың сменаһы оҙаҡ ваҡыт тура килмәй, шуға ла Айгөл Таңһылыу менән Рим араһында ошо киске аштан һуң нығынған дуҫлыҡ хаҡында хәбәрҙар булмай. Әммә тиҙҙән бүлексәлә, Таңһылыу менән аяҡһыҙ Рим араһында мөхәббәт уты уянған, тигән һүҙ тарала. Ҡатын-ҡыҙға шул етә ҡала: Таңһылыу иҫәрләнгәндер ул, ғәрип менән йөрөмәһә, башҡа ир бөткәнме, тип хәбәрҙе ҡуйырталар. Бер кем дә уларҙың мөхәббәтенә ышанмай, әҙерәк шаярырҙар ҙа туҡтарҙар әле, тип уйлайҙар. Айгөл бер көн эшкә килгәнендә ял бүлмәһендә ҡатындарҙың ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшкәнен ишетә. Улар Таңһылыуҙың иренән айырылғанын, өс бүлмәле фатирҙарын һатып, ире үҙенә бер бүлмәле, ә ҡатынына ике балаһы менән коммуналкала ике бәләкәй бүлмә һатып алғанын һөйләй. – Тиҙҙән һине туйға ла саҡырырҙар әле, Айгөл. Ана, апайың теге ғәрип Римгә кейәүгә сығырға йыйына, – тип тә өҫтәй ҡатындар, Таңһылыу яғына ымлап. – Күпме әйттек, тыңламаны, үҙенә үпкәләһен, әйҙә, ғүмерен аяҡһыҙ ир ҡарап үткәрһен. Бер мөйөштө илап ултырған Таңһылыуҙы күреп, Айгөл уны йыуатырға тотона. – Миңә ҡалһа, Рим бына тигән егет. Таңһылыу апай, бер тамсы ла уйлап торма, кейәүгә сыҡ, яңылышмаҫһың. Араҡы менән дуҫлығы юҡ, күңелсәк кеше. Ә аяғы булмаһа ни, ҙур бәлә түгел, иң мөһиме — аҡылы бар һәм һине өҙөлөп ярата, – ти Айгөл. Минеңсә, йәш ҡыҙ ғәҙел һәм мәғәнәле кәңәш биргән. Тик оло апайҙары ғына ҡыҙҙы: "Башың йәш әле кешегә кәңәш бирергә", – тип әрләп ташлай. Шулай ҙа Айгөлдөң кәңәшенә ҡолаҡ һала Таңһылыу. Тиҙҙән ул эштән китә. Айгөл уның менән оҙаҡ ваҡыт осраша алмай. Шулай бер-бер артлы йылдар үтә, һыуҙар аға. Айгөл дә госпиталдән китә. Әле баш ҡала дауаханаларының береһендә эшләй. Бер мәл иртән эшкә барышлай урамда ул элекке хеҙмәттәшен, үҙ иткән Таңһылыу апаһын осрата. Ул Айгөлдө ял көндәренә үҙҙәренә ауылға ҡунаҡҡа саҡыра. Ҡыҙ осрашыуҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала... Көрәкле йорттоң ишеген асҡан Римде күреп, тәүҙә Айгөл аптырап ҡала. Тимәк, Таңһылыу менән Рим бергә, башынан "минең кәңәшәм юҡҡа булмаған, күрәһең" тигән уй йүгереп үтә. Уны йылы ҡаршылайҙар, бер туғанылай күреп һыйлайҙар. Айгөл, беҙҙең ошолай матур донъя көтөүебеҙҙә һин "ғәйепле", теге ваҡыт кәңәш бирмәһәң, бәлки, бындай ғаилә килеп тә сыҡмаҫ ине, – ти Таңһылыу Айгөлгә. – Бүлексә ҡатындары Римгә кейәүгә сыҡмаҫҡа өгөтләп бөткәйне инде, тик һинең йылы һүҙҙәрең генә миңә дәрт өҫтәне. Йәш булһаң да, кәңәшең дөрөҫ булды. Ана, Рим дә бөгөн һиңә рәхмәтле. Таңһылыу менән Рим бөгөн ҡаланан йыраҡ түгел ауылда, ирҙең ата-әсәһенең йортонда йәшәй. Ауылдаштары өсөн улар — өлгөлө ғаилә. Балалары күптән инде үҙаллы донъя ҡорған, тик сабыйҙар тауышы был йортта һис тынмай. Улар әле ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙамлаша. Күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр. Римдең ҡалалағы фатирын ҡуртымға биргәндәр, ай һайын аҡсаһын алып торалар. Ауыл ерендә йәшәгәс, уныһы-быныһы ватылып тора, әммә Римдең ҡулы оҫта, ҡулынан балта төшмәй. Афғанстанда бергә хеҙмәт иткән дуҫтары ла, балалары ла йыш ҡына ярҙам ҡулы һуҙа. "Эштән ҡайтыуыма өҫтәлдә йылы аш, өй эсе таҙа, һәр нәмә үҙ урынында, балаларҙың үҙ мөйөшө, үҙ ғаиләһе бар – ошо бәхет түгелме ни?!" – ти бөгөн Таңһылыу. Самат ҒӘЛИН. Фото: интернет. https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/b-khet-sere/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Мал аҙбарының тишек-тошоғонан, ишегенән һәм тәҙрәләренән урғылып ҡара төтөн сыға, һәм тынлыҡты Мәғнәүи ҡарттың ара-тирә һөрәнләгәне яңғырата. – Ҡурҡма! Һиңә бер ҡурҡыныс та янамай, нығыраҡ тот. Яҡындан бер аҙ эләктер әле! – Уф, арыным. Юҡ! Былай оҙаҡ тора алмайым мин, билем ауырта! Һуң һөйләп торам бит, етәр. Быныһы ҡарттың ҡарсығы Бибиямалдың тауышы. – Һөйләнмә! Әллә миңә еңел тип уйлайһыңмы. Сәләм бирергә лә эшкинмәгән нәмәне өсөнсө тапҡыр уңға-һулға һөйрәкләйем. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Батырлыҡ ҡылғанда Юмореска Һарай эсендәге төтөндөң уты күренмәһә лә, бик алыҫҡа таралды, ахырыһы. Ике яҡтан ике янғын һүндереү машинаһы килеп сыҡты ла ҡарттың һарайын уратып алды. Янғын һүндереүселәр, эсәктәрен тотоп, утты һүндерә лә башланы. Ул арала һарай эсенән төтөнгә сәсәй-сәсәй ҡарт менән ҡарсыҡ Әптерәйҙе һөйрәп килеп сыҡты. Өҫтәренән һыу ағып тора. – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тине янғын һүндереүселәрҙең өлкәне. – Нимә яндырҙығыҙ бында? Мискә эсендә резина тәгәрмәс икән. – Эй, кино төшөрә инек. Килеп сығып эште боҙҙоғоҙ, – тип асыуланды Бибиямал ҡарсыҡ. Ҡарты унан да уҙҙырып ебәрҙе: – Бына уға бер ярты эсергән булғайным, бер литрлыҡ иҫерҙе лә ҡуйҙы. Ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ, минең сценарийҙы боҙҙоғоҙ бит. – Ниндәй сценарий һөйләйһең, Мәғнәүи ағай? – тине янғын һүндереүселәрҙең береһе. Ҡарт менән ҡарсығы аңлатып бирҙе. Йәнәһе, кино төшөрәләр инде былар. Әптерәй һарай эсендә тәмәке тартып йығылған да яна башлаған. Ә был икәү, ҡарт менән әбей, янғынды һүндерәләр, етмәһә, иҫеректе ҡотҡаралар. Бер ыңғай видеоға төшөрәләр. Янғын һүндереүселәрҙең начальнигы быларҙың видеоһын үҙенә күсереп алды ла: – Бына һеҙгә биш мең штраф, икенсе тапҡыр киноғыҙҙы төтөнһөҙ генә төшөрөгөҙ, – тине. Ул арала булмай Әптерәй ҙә айныны: – Һин ҡарт миңә суррогат эсергәнһең бит, – тип зарлана башланы. Участковый килеп еткәйне, суррогат тураһында ишеткәс, штрафты тағы ла өҫтәне. Кино төшөрәм, данымды илгә сығарам тип, белмәй тотонһаң, бына шулай була ул. Автор:Ралиф Кинзябаев Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
2022 йылда мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустрия өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыуға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын алыу буйынса 20 апрелдән башлап ғариза ҡабул ителә Ғаризалар ҡабул ителә 2021 йылда булдырылған гранттар тураһында былтыр Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр иткәйне. Быйыл 1-се конкурс һөҙөмтәһендә 22 муниципаль берәмектәге 39 еңеүсенән (коммерцияла булмаған йәмғиәттәр һәм муниципаль учреждениелар) Башҡортостанға 27,7 миллион һум аҡса йәлеп ителде. Башҡортостан мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустрия өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары алыу буйынса илебеҙҙең алдынғы ун субъекттары иҫәбенә инә. Конкурсҡа: * мәҙәниәт һәм академик (классик) сәнғәт өлкәһендәге проекттар; * тармаҡ-ара, мәҙәни-селтәр һәм кроссмәҙәни йүнәлештәге проекттар; * мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия (шул иҫәптән цифрлы технологиялар) өлкәһендә белем биреү һәм остазлыҡ буйынса проекттар; * мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү буйынса проекттар; * креатив индустрия (шул иҫәптән әҙәбиәт һәм нәшер эшендә, дизайн, мода, арт, музыка һәм саунд-дизайн, архитектура, урбанистика, яңы медиа, технологиялар, кино, театр, уйын мультимедиаһы, креатив индустрия инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү өлкәһендәге проекттар; * мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә фестивалдәр үткәреү, премиялар биреүҙе күҙ уңында тотҡан проекттар; * мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә стартаптар; * заманса популяр мәҙәниәт өлкәһендәге проекттар ҡабул ителә. #ФондПрезидентскихГрантов Фото: https://kamgov.ru/agpublic Автор:Танзиля Давлетбердина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Балан сәйе сәламәтлекте нығыта, тынысландыра. 1 ҡалаҡ баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1-2 сәғәт төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 2 мәртәбә 1/2 стакан эсергә. Баландың файҙаһы тураһында. Балан емешен гастритты, ашҡаҙан йәрәхәтен, һалҡын тейеүҙе дауалау, һейҙек ҡыуыу өсөн ҡулланалар. Балан йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә дә ярҙам итә. Витамин етмәгәндә балан бер тигән дауа. Балан төнәтмәһе ашҡаҙан һуты әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1-2 аш ҡалаҡ баланды иҙеп, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә. Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20–30 минут ҡайнатырға, һуңынан бер стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә. Ҡан баҫымы юғары булғанда, 40 грамм емеште иҙеп, 200 грамм күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә 4–5 тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсәләр. Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4–5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10–15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға. Балан ағасының ҡайырыһы төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә. Баландан әҙерләнгән тәм-томдар сәламәтлеккә ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты нығыта. Фото: vegetarianskie-recepty.ru https://vk.com/avulselo Баландың файҙаһы тураһында. Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Чемпионатты асыу сараһы Өфөлә 28 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә «Аҡбуҙат» ипподромында була. Махсус ҡунаҡ — популяр актер Дмитрий Дюжев. «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының бүләк фонды суммаһы билдәле булды 2022 йылда «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының бүләк фонды — 10 миллион һум. Турнирҙа башҡорт тоҡомло аттарҙа 200 жокей ҡатнаша. Ярыштар 1/16 финал этабынан башлана. Кескәй ҡунаҡтар өсөн бушлай уйын майҙансыҡтары, батуттар, аквагрим һәм туңдырма, шулай уҡ конкурстар ойошторола. «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының бүләк фонды суммаһы билдәле булды Автор: Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Тип (лат. Phylum, Divisio) — биологияла батшалыҡтан түбәнерәк, кластан юғарыраҡ таксон. Шулай уҡ аҫтип һәм өҫтип рангтары бар. Үҫемлектәр, Бәшмәктәр, Бактериялар систематикаһында типҡа тиң таксон булып бүлек тора. Хайуандар батшалығының 20 мең типтары бар, мәҫәлән, хордалылар (лат. Chordata), йомро селәүсендәр (лат. Nematodes). СығанаҡтарҮҙгәртергә Урыс Википедиясе Большая энциклопедия животных. — М.: ОЛМА-ПРЕСС Образование, 2005. — 640 ил. Таксономик ранг Домен (Батшалыҡ өҫтө) — Батшалыҡ — Ярым батшалыҡ — Тип өҫтө/Бүлек өҫтө — Тип/Бүлек — Ярым тип/Ярым бүлек — Класс өҫтө — Класс — Ярым класс — Инфракласс — Отряд өҫтө/Тәртип өҫтө — Отряд/Тәртип — Ярым отряд/Ярым тәртип — Инфраотряд — Ғаилә өҫтө — Ғаилә — Ярым ғаилә — Триба өҫтө — Триба — Ярым триба — Ырыу — Бүлек — Ярым бүлек — Ярым ырыу — Секция өҫтө — Секция — Ярым секция — Рәт — Ярым рәт — Төр — Ярым төр — Вариетет/Төрлөлөк — Ярым төрлөлөк — Форма — Ярым форма
Минең тыуған ауылым Шәрипҡол Ҡырмыҫҡалы районының башҡорт ауылдарының береһе. Ул Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған. Шәрипҡол ауылы Яңы Мырҙа ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙләгәндәр. 18 быуат аҙаҡтарында Мырҙа исеме менән ике ауыл булған. 5 – се ревизия (1795 ) мәғлүмәттәре буйынса был ауылдарҙың береһендә 20 йорт, ә икенсеһендә 24 йорт, 115 кеше булған. Икенсе ауыл Яңы йәки Бәләкәй Мырҙа тип аталған. 1816 йылғы 7 – се ревизия мәғлүмәттәре буйынса был ауылда 8 йорт, 42 кеше генә ҡалған. Яңы Мырҙа ауылынан күсеп килеүселәрҙән Шәрипҡол ауылына нигеҙ һалыуҙары ошо йылдарға тура киләлер. Сурағолов Шәкирйән Сабирйән улы (1930 йылғы) ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләгәнен яҙып алған инем: “1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, ҙур батырлыҡтар күрһәткәне өсөн батша башҡорттарға грамота биргән. Ошо грамота нигеҙендә бер – нисә йорт кешеһе, Мырҙанан айырылып, ошо Шәрипҡол еренә күсеп ултырған. Был урында урман булған, улар урман ботарлап килеп ултырған ”. 1834 йылғы 8 – се ревизия мәлендә Яңы Мырҙа Шәрипҡол исеме менән күрһәтелгән. Был осорҙа ауылда барлығы 8 йорт, 64 кеше булған. 1870 йылда 25 йортта 135 кеше, ә 1905 йылда 164 кеше йәшәгән. Топонимдар һүҙлегендә: “ Шәрипҡол (Шарипкулово) д. в Кармаскалинском районе. От антропонима Шәрипҡол. Другое название Өмөтбай “,- тип күрһәтелгән. 30 – сы йылдарға тиклем ауылдың Өмөтбай тигән икенсе исеме лә киң ҡулланылған булған. “Ауылды нигеҙләүселәр араһында Өмөтбай исемле кеше лә булған. Тәүҙә ауылды Өмөтбай һәм Шәрипҡол исемдәре менән берҙәй атап йөрөткәндәр. Шәрипҡоло бик йылғыр, әүҙем, ҡыйыу булған. Хөкүмәт тарафынан үткәрелгән сираттағы ревизия мәлендә Шәрипҡол ауылды үҙ исеме менән билдәләткән. Ә халыҡ хәтерендә оҙаҡ йылдар буйына уның икенсе исеме лә һаҡланып килгән” (Шәрипҡолов Фаяз Исмәғил улы (1942 йылғы ) һөйләүе буйынса). Ҡанлыгүл. Рәсәй, Башҡортостан тарихында булып үткән ваҡиғалар Шәрипҡол ауылында урап үтмәгән. Сурағолов Әхәт Шәкирйән улынан ( 1963 йылғы ) яҙып алынған Ҡанлыгүл менән бәйле легенда беҙгә 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы осоро ваҡиғаларын күҙ алдына килтерергә булышлыҡ итә. “ Мырҙа ауылынан боронғо урынынан ике саҡрым төньяҡ – көнбайышта, Шәрипҡол ауылынан өс саҡрым самаһы көньяҡтараҡ, урынлашҡан булған. Пугачев етәкселегендәге ихтилал ваҡытында баш күтәреүселәрҙең бер төркөм алайы ( отряды ) Мырҙа ауылы эргәһендә хәрби лагерь ҡора. Ауылдан көнсығышта ҡалҡыу урында дүрт кешенең ҡоласы етмәҫлек пар имән үҫкән (улар 1950 йылдарҙа ауған). Шул имәндәр өҫтөнә һәндерә ҡороп, баш күтәреүселәр, тирә - яҡты күҙәтеү нөктәһе ойоштороп, һаҡсылар ҡуйғандар. Өфө яғынан язалау ( каратель ) отряды килгәнен белгәс, Ҡоро Ҡарлыман йылғаһының ун яҡ ярынан нығынып, хөкүмәт ғәскәрен ҡаршы алғандар. Һуғыш бик ҡаты, ҡан ҡойошло булған, Йылғаның ос яғындағы бик тәрән оҙонса күл түгелгән ҡандан ҡып – ҡыҙыл төҫкә ингән. Бына ошо яуҙан һуң күл Ҡанлыкүл тип атала башлаған. Баш кутәреүселәр сигенергә мәжбүр булалар. Батша һалдаттары, һуғыш яланында ятып ҡалған ҡоралдарҙы йыйып алып, баш күтәреүселәргә ҡабат эләкмәһен тип, күлдең иң тәрән урынына ташлағандар. Яуҙа һәләк булғандарҙы, йылға ярына ҙур соҡор ҡаҙып, шунда ерләгәндәр. Шул урында ат һарайы ине, бер нисә йыл элек ул янды. Ошо ерҙә сәйер күренештәр булыуы, аттарҙың тынысһыҙланыуы, ҡай саҡ ялдарының үрелеп ҡуйылыуы, төрлө тауыштар ишетелеүе тураһында ололарҙың һөйләгәндәрен ишетергә тура килә ине. Ҡанлыкүл буйында үткән быуатта һирәкләп булһа ла ҡорал табылған. 1935 йылда Әбит исемле егет һыу төбөнән ҡылыс алып сыҡҡан. 1974 йылда күл ҡырындағы баҫыуҙан һабы сереп бөткән 60 см оҙонлоғондағы хәнйәр табып алғайным. Ошо баҫыуҙа сөгөлдөр утаған ҡатын – ҡыҙҙар ҙа төрлө ҡоралдар тапҡан булған. Моратов Нәғимдә лә (1959 йылғы ) күл эргәһенән атаһы Имай ағай тапҡан хәнйәр бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был табыштарға етди иғтибар итеүселәр булмаған, улар юғалып бөткән. Ә Ҡанлыкүл ләм, баҫыуҙан ағып төшкән тупраҡ , сүп түгеү арҡаһында бәләкәй генә. Гульнара Исхакова Сығанағы — «https://ba.wikibooks.org/w/index.php?title=Ҡырмыҫҡалы_районы_Шәрипҡол_ауылы_тарихы&oldid=23844» Категориялар: Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылы Ҡырмыҫҡалы районы топонимикаһы Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу башҡортса Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Төп йүнәлештәр Баш бит Берләшмә Ағымдағы ваҡиғалар Һуңғы үҙгәртеүҙәр Осраҡлы мәҡәлә Белешмә Ярҙам итеү Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Биттән өҙөмтә яһарға Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа телдәрҙә Һылтанмалар өҫтәү Был бит һуңғы тапҡыр 19:48 6 декабрь 2020 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution-ShareAlike License рөхсәтнамәһе буйынса рөхсәт ителгән; айырым осраҡта өҫтәмә шарттар ҡулланылыуы мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, Ҡулланыу шарттарын ҡарағыҙ.
Моңһоу күлдең һылыу томбойоғон Ҡулдарыңа тотоп, һин көтмә, Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып, Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып, Томбойоҡ бүләк итмә. Томбойоҡ, томбойоҡ, Ниңә шулай һин бойоҡ? Әллә ниңә, әллә ниңә Күңелемдә тынғы юҡ. Томбойоҡ та сәскәләрен йомоп, Бойоҡмаһа ине тын кистә. Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй, Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй, Томбойоҡ бүләк итмә. Тирбәлдереп керһеҙ күңелемде, Томбойоҡтар биреп елкетмә. Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң, Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң, Томбойоҡ бүләк итмә. Урман Айдар Галимов 1. Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан, Мең тауышлы көйөн көйләй урман. Йәшел аландағы хәтфә юрған, Сабый сағым әллә шунда ҡалған? Припев: Эй, урман, урман, йәйге урман! Йүгереп үтер инем юлыңдан. Ҡаршы сыҡҡан сабый сағым Ошо урман буйынан. 2. Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан, Тирә-яғым гөлдәр менән тулған. Ағас һайын һайрар ҡошсоҡ ҡунған, Әллә кемде һағына кеүек урман. Припев: Эй, урман, урман, йәйге урман! Кемдәр яуға киткән был юлдан? Яуҙан ҡайтмай ҡалғандарҙы Һағына ахыры ул урман. (Ғ. Сәйфуллин муз., Г. Зәйнәшева һүҙ.) Аҡбуҙат Айдар Галимов 1. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Припев: Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа. 2. Өндәште шул саҡ миңә Аҡбуҙат: Елем бүләк итте, иңемә ҡанат. Мин hәр саҡ әҙер, ҡояшҡа ҡәҙәр Алып барып етәм, hин ҡушhаң әгәр. Припев: Юҡ, кәрәкмәй, Аҡбуҙатым - көмөш тояҡ, алтын ялым, Алып барма йондоҙҙарға, Ай, болоттарға. Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫкай, hин мине йәшлек саҡтарға. 3. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Припев: Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа. Атым бар, йүгәнем юҡ Айдар Галимов Атым бар, йүгәнем юҡ, Дәртем бар, һөйгәнем юҡ, Атым да бар, дәртем дә бар, Әммә һөйгән йәрем юҡ. Һаҡмар буйы йәмле була, Япраҡ ярһа тал-тирәк. Йәр һөйөп тә алалмаһаң, Ярһый икән йәш йөрәк. Урал, һинең тауыңа Ҡыйғыр ҡоштар ҡуналмай. Минең шатлыҡ хистәрем Күкрәгемә һыялмай. (Башҡорт халыҡ йыры) Мин һине шундай һағындым Айдар Галимов Мин һине шундай һағындым, Һиҙәһең микән шуны? Аҡ бурандар урап алһа, Табырһың микән юлды? Һин дә шулай һағына ҡалһаң, Карама ҽлдәренә... Йыр булып килеп керерһең Наҙ тулы йөрәгемә. Мин һине шундай һағындым, Күҙҙәрем шуға моңло. Айҙы болңттар ҡаплаһа, Табырһың микән юлды? Һин дә шулай һағына ҡалһаң, Карама ҽлдәренә... Йыр булып килеп керерһең Наҙ тулы йөрәгемә.
САЯН. Бәйҙән ысҡынған эт, йә ата-әсәһенән айырылып ҡалаға килгән студент кеүек, күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәй теләһә нимә ҡылып ҡуймағыҙ. Һеҙҙең теҙгенде тотоусыны табырға кәрәк.Ҡалғаны түбәндә Ҡуҙы. Организмығыҙҙы тыңлағыҙ. Ашайым тиһә, ашатығыҙ, йоҡлайым тиһә, бишек йыры йырлағыҙ. Буға. Тамамланмаған эшегеҙ бар икән уны мотлаҡ бөгөн йомғаҡлап ҡуйығыҙ. Ә күңелле мәлдәрҙе һуҙырға ла мөмкин. Игеҙәктәр. Уңыштың ҡойроғонан тотоп өлгөрөгөҙ. Ә "килеп сыҡмай", "был минеке түгел" тигән уйҙарҙы ҡойроғонан тотоп сығарып һелтәгеҙ. Ҡыҫала. Ныҡ уйлап мейегеҙ ҡайнап киткән. Бөгөн физик эш менән булығыҙ. Арыҫлан. Һеҙ Фемида ролендә булырһығыҙ. Һеҙҙең ҡарарға бойһонорҙар. Бер генә теләк, ғәҙел булығыҙ. Ҡыҙҙар. Елена Иҫәнбаева, йә Сергей Бубка алған бейеклектәрҙән дә текәрәк ҡаршылыҡтар көтә. Улар булдырғас һеҙҙең дә ҡулдан килер. Үлсәү. Бөтәһе лә ҡолас йәйеп ҡаршы алыр, әммә күңел бушатыр кеше булмаҫ. Һыуға, йә утҡа һөйләп ҡарағыҙ. Саян. Бәйҙән ысҡынған эт, йә ата-әсәһенән айырылып ҡалаға килгән студент кеүек, күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәй теләһә нимә ҡылып ҡуймағыҙ. Һеҙҙең теҙгенде тотоусыны табырға кәрәк. Уҡсы. Етерлек һөйләнегеҙ инде, хәҙер эшкә тотонорға ваҡыт. Һөйләүҙе беҙгә ҡалдырығыҙ. Ылаҡ. Тойғоларҙы еткерер өсөн һүҙҙәр етмәҫ. Әммә яҡындарығыҙ һеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлар һәм һәр яҡлап ярҙам итер. Һыуғояр. Һеҙ Вольф Мессинг кеүек һәр кемде үҙегеҙгә бойһондора алаһығыҙ. Әммә был гипнозсы төрмәлә лә ултырған, шуға һеҙ ҙә артыҡ шашмағыҙ. Балыҡ. Бер дуҫығыҙ шылтыратып күңелле ял итәйек тиер, икенсеһе шәп эш тәдим итер. Һайлау һеҙҙән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостанда билдәле һәүәҫкәр рәссам, шиғри күңелле Хәйҙәр Минияр улы Ғилманов Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында тыуып үҫкән. Әммә ғүмеренең байтаҡ өлөшөн Бөрө ҡалаһында үткәрҙе ул. Бөрө халҡы уны ихтирам итеп "аҡһаҡалыбыҙ" тип йөрөттө. Хәйҙәр бабайыбыҙ II Прибалтика фронтында, Үҙәк Берлинға төбәлгән Белорус фронтының 5-се удар армияһында һуғыша. Рига ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн орден, миҙалдар менән бүләкләнгән. Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы бабайыбыҙ. Балтырында тороп ҡалған снаряд ярсыҡтары тиреһе аша күкһел булып күренеп тора ине. Беҙ бәләкәй саҡта ул ҡунаҡҡа килгәндә “күрһәт әле теге ярсыҡтарҙы”, тип үтенә торғайныҡ. Бабайыбыҙ, күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарынан нур бөркөп йылмая ла, салбар балағын күтәрә биреп, күкһел төйөндәрҙе һыйпаштыра. "Пехотаның уҡсылар подразделениеһында взвод командиры булып хеҙмәт иттем. Һуғышта пехотаның, бигерәк тә беҙҙең подразделениеның ваҡыты бик ҡыҫҡа. Бер урында оҙаҡлап туҡтап тороу мөмкинселеге юҡ. Гел хәрәкәттәбеҙ. Төрлө хәл-ваҡиғаларға юлығылды. Кюстрин ҡалаһына йүнәлгән ваҡытта Одерҙың бер ҡушылдығында бата яҙыуыбыҙ ныҡ хәтерҙә ҡалған. Нимәгә йәбешеп сыҡҡанымды ла белмәйем. Был кисеүҙе имен-аман сыҡҡандан һуң, Кюстринда беҙҙе тағы ла ҙурыраҡ һынау көтөп торған. Ҡала урамынан взвод менән китеп барабыҙ. Тирә-йүн шартлай, яна. Ә беҙҙең урам тып-тыныс. Бер ниндәй хәүеф тоймайынса үтеп барған саҡта, ҡапыл пулеметтан һиптерә башламаһындармы! Беҙ урам атышына эләктек. Йүгереп бер йорттоң тәҙрәһенә һикерҙем. Күтәрелдем. Иптәштәрем берәм-берәм йығыла. Уларға күтәрелергә ярҙам итәм: ҡайһыһын ҡул биреп тартып алам, кемеһен ҡайыш менән күтәрәм. Беренсе ҡат булһа ла, тәҙрә тупһалары бейек. Өй эсендә төтөн, бар нәмә яна, шарт та шорт атыш тауыштары тынмай. Һуңынан һуғыш бөтөп, Германияла хеҙмәт иткән ваҡытта махсус рәүештә ошо ерҙе барып күрҙем. Йортто тапҡас, үҙемә-үҙем ышанмайынса: “Нисек һикерә алдым икән бында?” – тип ғәжәпләнеп торҙом”. (Иҫкәрмә: Хәйҙәр Ғилманов тураһында Гөлнур Ҡасҡынованың мәҡәләһенән өҙөк) Хәйҙәр Fилманов - талантлы рәссам да. Һуғыш күренештәре уның ижадының төп мотивтарының береһен тәшкил итте. “Тымыҡ Дон, тымыҡ түгел көн”, “Союзниктар, һеҙ ҡайҙа?” һәм башҡа бихисап картиналары – яугир уҙған утлы юлдарҙың образлы һынланышы. 87 йәшендә вафат булған ҡәҙерле кешебеҙ шиғырҙар ҙа ижад итте. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Хәйҙәр Минияр улының һәм бөтә ҡаһарман яугирҙәрҙең исемдәрен иҫкә алайыҡ, батырлыҡтары алдында баш эйәйек... Һуңғы атака Баҙлап сәсрәне ҡыҙыл ракета, Ҡанға мансылды төн, ҡарлы ялан. Яраланып ауған, ята ярты рота, Йәһәт үлем теләп Алланан. Теткеләнде батальон, аҙ ҡалдыҡ, Алға ашыҡтырма, капитан! Бер йотом бир, булһа, һуңғы юлға, Юҡ, Еңеү тосты беҙгә яҙмаған... Яралы арыҫландай ярһыған Ғәйәр комбат пистолетын болғап: "Минең арттан, Ватан өсөн алға!"- тип Үҙе күтәрелде иң алдан. Ҡанлы эҙ ҡалдырып күп үтмәнек, Кинжал-уттар бәрҙе яҡ-яҡтан, Күҙ асып йомғансы түшәп һалды... Һөйрәп сығара алмағандарын яу яланынан Буран күмеп китте аҙаҡтан... ************************* Ҡартлыҡ Шөкөр. Әле рух тигәнем ныҡ, Арғымағым арыҡ булһа ла. Заманымдың тос шаһиты булып Мәңге йәшәр инем донъяла. Регина КАМАЛОВА. Өфө ҡалаһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы район мәҙәниәт һарайында Мәсетле районының 15 ауылында, шулай уҡ Башҡортостандың Балаҡатай, Ҡыйғы райондарында, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Әртә, Әсет, Нижнесергинск райондарында йәшәгән Ҡошсо ырыуы вәкилдәренең йыйыны уҙҙы. Ҡошсо ырыуы йыйыны Сара Башҡорт тарихы йылы һәм Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарих фәндәре кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Сәйетбатталов, Флүр Дуҫмөхәмәтов, башҡа рәсми ҡунаҡтар, йәмәғәтселәр, район халҡы ҡатнашты. – Башҡорттар элек-электән үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙарҙы күмәк йыйылып, кәңәшләшеп сығарған, – тине Ғәлим Яҡупов. – Бындай саралар халыҡтың тупланыуына, рухи йәһәттән көсәйеүенә булышлыҡ итә, хаталаныуға ла урын ҡалдырмай. Хәҙерге глобалләшеү шарттарында үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн йыйын йолаһын тергеҙеү мөһим. Делегаттар Ҡошсо ырыуының боронғо әйберҙәренән, биҙәүестәренән, көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан, өҫ кейемдәренән, һауыт-һаба торған күргәҙмә менән танышты, тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән, ҡайһы бер ауыл ырыуҙарының шәжәрәләре тәҡдим ителгән. Шулай уҡ, Ҡошсо ырыуы тураһында документаль фильм күрһәтелде. Сараның пленар өлөшөндә тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр докладтар менән сығыш яһаны, улар башҡорт ырыуҙары тарихына, проблемаларына туҡталды. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин әйтеүенсә, был оло һәм мәртәбәле йыйынға төплө әҙерләнгәндәр. – Ойоштороу комитеты ағзаларының кәңәшмәләре, республикалағы һәм күрше өлкәләрҙәге Ҡошсо ырыуы вәкилдәре менән осрашыуҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙҙы, конкурс һәм флешмобтар ойошторолдо. Ҡошсо ырыуына арналған фәнни-ғәмәли конференциянан докладтарҙан, карталар һәм фотоматериалдарҙан, башҡорт ырыуҙарының көнүҙәк проблемаларына арналған материалдарҙан торған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Мәсетлеләрҙә үҙ ырыуҙарын өйрәнеү теләге ҙур, һәм улар үҙ шәжәрәләрен әҙерләүгә етди ҡараны. Ҡошсо ырыуы йыйыны кеүек осрашыуҙар беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә, яңы маҡсаттар ҡуйыла, – ти Марат Әхмәтшин. Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яҡташтарының тыуған яҡ тарихын һәм республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлау эшенә тос өлөш индереүе билдәләй. – Мәсетле районы матур тәбиғәтле, күркә төбәк. Әммә уның төп байлығы – маҡтауға лайыҡ, ҡунаҡсыл, хеҙмәт яратҡан кешеләре. Беҙҙең районда 15-тән ашыу милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. Һәр кеше үҙенең ҡайһы ырыу вәкиле икәнлеген яҡшы белергә тейеш. Был сара мәсетлеләрҙең ата-бабалары рухына тоғро ҡалыуын, нәҫел ебен өйрәнеп, шәжәрәһенә ҙур иғтибар бүлеүен, балалары үҙ тамырҙарын белһен һәм киләһе быуынға тапшырһын өсөн тырышлыҡ һалыуын күрһәтә, – ти ул. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы, умартасы Әхмәтнур Хафизов иһә сараға әҙерлек барышында уҡ күрше райондарҙағы һәм Свердловск өлкәһендәге Ҡошсо ырыуы вәкилдәре менән осраштыҡ, тип билдәләй. – Тарихи документтар буйынса, Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондарында Ҡошсо ырыуына ҡараған өсәр ауыл теркәлгән. Бөгөн уларҙан бары Балаҡатай районында Айҙаҡай менән, Ҡыйғы районында Йонос ауылдары ғына ҡалған. Красноуфимск районының Һыҙғы ауылында милләттәштәребеҙҙең башҡорттарҙың тарихын өйрәнеү буйынса ҙур эш алып барыуын белеү беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Ғәйшә Айсина 12 йылдан ашыу музей асыу теләге менән янып йөрөй, күләмле тикшеренеү эштәре алып бара, экспонаттар йыя, ҡабартмалы сигеү менән шөғөлләнә. Ул был изге эштә яңғыҙ түгел – балалары матди ярҙам күрһәтә, тыуған ауылдарының яҡшы эштәрен һәм йолаларын дауам итеүҙә башҡаларға өлгө булып торалар. Ғәйшә Айсинаның экспонаттары араһында бишек, йөн иләүес, ағас көҙгөләр, һандыҡтар, карауаттар, милли кейем, ҡыҫҡаһы, йөҙгә яҡын боронғо әйбер бар. Көҙәй һәм Мең ырыуҙары йыйындарында, Туймазылағы башҡорт ырыуҙары йыйынында ҡатнашып, беҙ үҙ халҡыбыҙҙың килеп сығышын өйрәнеү буйынса ҡиммәтле тәжрибә алдыҡ. Беҙҙең төп бурыс – үҙ ырыуыбыҙҙың лайыҡлы улдары булыу, халҡыбыҙҙың именлеге тураһында даими хәстәрлек күреү, балаларыбыҙҙың аң кимәле, мәҙәни һәм рухи үҫешен хәстәрләү, бай рухи мираҫыбыҙҙы үҫеп килгән быуынға тапшырыу, - ти Әхмәтнур Хафизов. Сверловск өлкәһенең Красноуфимск ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Виталий Ихъяев сараға бик етди ҡараныҡ һәм ентекле әҙерлек эше алып барҙыҡ, тип белдерә. - Рахманғол һәм Бишкә ауылдары халҡы менән осрашыу бик теремек уҙҙы. Бында Ҡошсо ырыуы тарихы, ҡошсоларҙың Красноуфимск районы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙмышында әһәмиәтле роль уйнауы хаҡында һөйләнек. Шулай уҡ конференция ойошторҙоҡ. Минең тамырҙарым Оло Аҡа, Әжекәй һәм Һабанаҡ ауылдарына барып тоташа, шуның өсөн дә халҡыбыҙ берҙәм һәм бергә булырға тейеш. Киләсәктә үҙ тамырҙарыбыҙҙы онотмау, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау өсөн этноүҙәктәр барлыҡҡа килтереп, мәҙәниәт үҫешкә ярҙам күрһәтергә кәрәк, - ти ул. * Сара сиктәрендә, Оло Ыҡтамаҡ балалар китапханаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ырыуҙар йыйыны, "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығы уңайынан мәктәп уҡыусылары менән осрашыу булды. Борон замандарҙан был ерҙәрҙә Ҡошсо ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар республикабыҙҙың күп райондарында көн итә: Мәсетле, Балаҡатай, Салауат һәм Силәбе, Свердловск өлкәләрендә лә йәшәйҙәр. Сара китапхана менән танышыуҙан башланды. Беҙҙең менән күрешергә төбәктең Иҫке Мишәр, Яуыш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәренән 1- 4 класс уҡыусылары йыйылғайны. Осрашыуҙа баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтова, биология фәндәре докторы Рафаҡ Ғиниәтуллин, техник фәндәр докторы Юлай Байрамғолов, данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов - ошо ырыу шәхестәре. Ҡошсо ырыуының ағасы - муйыл. Балалар баҫманың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә ырыу ҡошон төшөрҙө. Берәүҙәр уны аҡҡош ти, икенселәр ыласын тип иҫәпләй. Бөгөн беҙ аҡҡош төшөрҙөк. Еңеүсе һүрәт авторы - 4-се класс уҡыусыһы Арина Йомаҙилова һүрәте. Лауреат исеменә Гөлназ Зәбихуллина, Эвелина Мөбәрәкшина, Эльмир Йыһаншин, Зарина Такиева, Елена Мусина, Илүзә Сабирова лайыҡ булды. Район мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Балалар Башҡортостан тарихы, шәхестәр буйынса һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Шәжәрәһен өйрәнеүселәр ҙә бар. Ырыуҙың батыры Салауат Юлаевтың яуҙашы - Ишмән Итҡолов. Уның тураһында "Аҡбуҙат" журналының октябрь һанында ошо район шәхесе, С. Юлаев премияһы лауреаты Ринат Камалдың мәҡәләһе баҫылды. Ана шулай укыусылар халҡы шәхестәре рухында, миҫалында үҫеүе бик мөһим. Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән " Урал батыр" йәнһүрәтте лә балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Н. Хәлиуллина, Г. Балтабаева, Л. Абдуллина әҙерләне. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡышҡы һалҡындар төшөп, ҡар ныҡлап ятҡас, ноябрь-декабрь айҙарында ауыл халҡы һуғым һуйыу өмәләре үткәрә Һуғымға тип алдан уҡ йә һыйыр, йә йылҡы малын әҙерләгәндәр... Уларҙы махсус аҙыҡ рационы биреп һимерткәндәр. Һуғым өмәһенә хужаның туғандары, күрше-күләндәре йыйыла. Электән һыналған, еңел ҡуллы салыусы саҡырыла. Ирҙәр малды йығып салғансы, ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашмай, тик тиреһен һыҙырып бөткәс кенә һуғым һуйған ергә баралар һәм эштең аҙағына тиклем ярҙам итәләр. Кисен һуғым һыйы уҙғарыла. Байрамға өмәлә ҡатнашыусылар бөтә ғаиләләре менән йыйыла. Был һый өсөн малдың түшкә-муйынын бешерәләр. Бынан тыш тултырма (әгәр һыйыр малы булһа) йәки ҡаҙылыҡ әҙерләнә. Әгәр былары булмаһа, ғәйеп һанала. Һуғым ашында йәнә салыу һөйәгенең булыуы ла мотлаҡ. Уны малды бысаҡлаған кешегә бирәләр. Ит тәме мал салыусының ҡулына бәйле: "Күңеле ҡаты булһа, ит тә ҡаты була, йомшаҡ, изге күңелленең һуйған ите лә йомшаҡ,"- тигән ышаныу бар. Шуға күрә салыусының роле ныҡ баһаланған, ул ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе һаналған. Киске ашҡа килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең изге теләктәре менән байрамды башлап ебәрә: - Һуғым һимеҙ булһын! - Ите татлы булһын! - Иҫән-һау ризыҡҡа яҙһын! Һуғым ашағас, шулай тип теләк теләйҙәр: - Малдарығыҙ күп булһын, Малдарығыҙ ныҡ уңһын! Беҙ ашаған ерҙәргә, Беҙҙең эскән ерҙәргә - Хоҙай Тәғәлә ишетһен - Малығыҙҙы ишәйтһен! Ғәйеп ризыҡтар бирһен, Ғәйеп малдар бирһен! Рәхмәт һыйығыҙға! Мал салыуҙың да үҙ тәртибе бар. Шуларҙың иң мөһимдәре: 1. Салыусы мотлаҡ сөннәтле булырға тейеш. 2. Малдың башы ҡибла яғына ҡарата ятҡырыла. 3. Салыр алдынан изге доға уҡыу, һис булмаһа "бисмиллаһи-рахманир-рәхим" тиергә кәрәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
«Беҙҙә Covid-19 йоғоуҙың ике яңы осрағы теркәлгән. Франциянан ҡайтҡан студент һеңлеһенә вирус йоҡторған. Шул уҡ ваҡытта тәүге сирләүсе бөгөн дауахананан сыға, уға башҡа сир янамай. Ҡалғандар ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя. Шул уҡ ваҡытта, белгестәр билдәләүенсә, беҙ сирлеләр һаны экспоненциаль, йәғни ҡырҡа арта торған сиккә етеп киләбеҙ. Ошоға бәйле, бөгөн, 31 мартта, киске сәғәт 8-ҙә, Рәсәй Хөкүмәте тәҡдименә ярашлы, республика халҡының тулыһынса үҙ аллы изоляция режимына күсеүе тураһындағы указ үҙ көсөнә инә. Был беҙгә ауыр эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк. Мин яҡташтарыма, нигеҙҙә, үҙ һаулығына яуаплы ҡарауы өсөн рәхмәт белдерәм, барыһы ла тиҙерәк тамамланһын өсөн артабан да уйлап эш итеүҙәренә өмөтләнәм». Барыбыҙҙан да оло яуаплылыҡ һәм түҙемлек талап ителгән осоҙа сабыр булайыҡ, бирешмәйек, ныҡ булайыҡ! Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Донъяла нефткә хаҡтарҙың төшөүе, йоғошло сирҙең һөжүме Урта һәм Кесе эшҡыуарлыҡты, күпселек предприятиеларҙы ауыр хәлгә ҡуйҙы. Илдә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам һәм 3 йәштән 16 йәшкә тиклем балаларға 10-ар мең һум аҡса бүлеү етәкселектең халыҡ араһында абруйының күтәрелеүенә килтерҙе. Әлегә был ярҙамды аҙ күләмдә пенсия алыусы өлкән йәштәгеләр күрмәне. Рәсәй Президенты Владимир Путин һуңғы сығыштарының береһендә аҙ тәьмин ителгәндәргә финанс ярҙамының башҡа юлдарын да эҙләргә тәҡдим иткәйне. Ярҙамға өлкәндәр ҙә мохтаж һәм улар яҡын арала күпмелер сумма аҡса алыуы бик ихтимал. Донъяла нефткә хаҡтарҙың төшөүе, йоғошло сирҙең һөжүме Урта һәм Кесе эшҡыуарлыҡты, күпселек предприятиеларҙы ауыр хәлгә ҡуйҙы. Илдә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам һәм 3 йәштән 16 йәшкә тиклем балаларға 10-ар мең һум аҡса бүлеү етәкселектең халыҡ араһында абруйының күтәрелеүенә килтерҙе. Әлегә был ярҙамды аҙ күләмдә пенсия алыусы өлкән йәштәгеләр күрмәне. Рәсәй Президенты Владимир Путин һуңғы сығыштарының береһендә аҙ тәьмин ителгәндәргә финанс ярҙамының башҡа юлдарын да эҙләргә тәҡдим иткәйне. Ярҙамға өлкәндәр ҙә мохтаж һәм улар яҡын арала күпмелер сумма аҡса алыуы бик ихтимал. Ә бындай финанс ярҙамы өсөн Рәсәйҙә аҡса бармы? Бар, тип яуап бирә иҡтисадсылар. Рәсәй быйылғы көрсөктө әҙерлек менән ҡаршы алды. Әлеге ваҡытта Милли муллыҡ иғәнәһендә 16 триллион һумға тиклем аҡса иҫәпләнә. Бынан тыш, алтын валюта резервы иҫәбендә 560 миллиард доллар аҡса тупланған. Ошо йәй халыҡҡа матди ярҙам хаҡында ҡарар ҡабул ителеүе бик ихтимал. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
2020 йылдың 25-27 сентябрендә Ишембай районы Шихан ауылы янындағы "Торатау" геопаркында Этнофестиваль үтәсәк.Был майҙансыҡта өс көн барышында Башҡортостанда йәшәгән 7 милләт вәкиле үҙҙәренең халыҡ йолаларын, ижадын, сәнғәт төрҙәрен күрһәтәсәк.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Шихан#НацПроекты#ЭтноАуылШихан 2020 йылдың 25-27 сентябрендә Ишембай районы Шихан ауылы янындағы "Торатау" геопаркында Этнофестиваль үтәсәк. Был майҙансыҡта өс көн барышында Башҡортостанда йәшәгән 7 милләт вәкиле үҙҙәренең халыҡ йолаларын, ижадын, сәнғәт төрҙәрен күрһәтәсәк. Сара Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт телдәрен, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар телен, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса Республика Башлығы грантында еңеүсе «Шихандар этноауылы» проекты сиктәрендә уҙғарыла. Дөйөм алғанда, проект Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың тарихи факттарын, көнкүрешен, йолаларын өйрәнеүгә арналған. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн китап һәм һүрәттәрҙең генә түгел, ә бәләкәй ватаныбыҙҙың тарихына тереләй ҡағылыу мөмкинлеген булдырыу өсөн бушлай экскурсиялар ойоштороласаҡ. Фестивалдең программаһы: Беренсе көнө: - Сараны асыу, майҙансыҡтар эшмәкәрлеге. - Республиканың ижади коллективтарының концерт майҙансығы; - Этнокүргәҙмә; - күңел асыу майҙансыҡтары, мастер-кластар, конкурстар һәм уйындар; - йәрминкә. Икенсе көн: - славян халыҡтары мәҙәниәтен демонстрациялау. - 13:00 - 16:00 сәғәттә урыҫ, украин, сыуаш һәм мордва халыҡтары күргәҙмәһе, мәҙәни программа Өсөнсө көн: - Һабантуй. Тамамлау тантанаһы. - 13:00 - 16:00 сәғәттә башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәни программаһы тәҡдим ителә. Өсөнсө көн һабантуй форматында үткәрелә: халыҡ спорт төрҙәрендә ҡатнашыу, уҡ-йәйәнән атыу, күргәҙмәләр...
"Новопетровск" ЯСЙ-һы ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы мулдан әҙерләгән.Етәксеһе Евгений Кириков:"Әйткәндәй, механизаторҙар беҙгә кәрәк", -ти. .Евгений Кириков менән әңгәмәне гәзиттә уҡырһығыҙ. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Archives Select Month June 2019 (3) May 2019 (7) April 2019 (12) March 2019 (11) February 2019 (6) January 2019 (1) December 2018 (1) October 2018 (3) September 2018 (1) June 2018 (1) April 2018 (2) March 2018 (1) February 2018 (3) January 2018 (1) November 2017 (1) October 2017 (1) July 2017 (2) June 2017 (6) May 2017 (9) April 2017 (4) March 2017 (7) January 2017 (5) December 2016 (5) November 2016 (14) October 2016 (11) September 2016 (10) August 2016 (3) July 2016 (5) June 2016 (17) May 2016 (16) April 2016 (17) March 2016 (22) February 2016 (1) March 2015 (1) Үҙебеҙҙең кәсептәрҙе тергеҙергә кәрәк, тинем… Posted on 28.03.2017 by Айгуль Leave a comment Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, ти халҡыбыҙ. Һәр кем йөрөй-йөрөй, ил-йорт күрә-күрә, ут-һыу кисә-кисә тәжрибә туплай. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ ҙа Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында эшләп, төрлө халыҡтарҙың көнитмешен өйрәнгәндән һуң, тыуған яғына ҡайтып, халыҡ кәсептәренә нигеҙләнгән кейеҙ-быйма баҫыу цехы аса. 2012 йылда Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа быйма, кейеҙ баҫыу цехы асып ебәреп, һатып алыусыларына киң […] Continue reading… Categories: Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ Үҙебеҙ эшләгән һындарҙың булмышында йәшәйбеҙ кеүек Posted on 16.06.2016 by Айгуль Leave a comment Ғәҙәттә, ижади һәләтте тик матур әҙәбиәткә һәм сәнғәт өлкәһенә генә ҡағылған төшөнсә булараҡ аңлайҙар: шиғыр яҙа белеү, йыр ижад итеү, матур һүрәт төшөрөү һ.б. Ә ысынында иһә был төшөнсә “ижад” һәм “ижади эшмәкәрлек” менән ныҡ бәйләнгән. Кешенең төрлө өлкәләге эш-хәрәкәтен, үҙ-үҙен тотошон күҙәтеп, эшмәкәрлектең ике төрөн айырып күрһәтәбеҙ. Береһе – репродуктив эшмәкәрлек (ул беҙҙең хәтеребеҙ […]
#ВладимирПутинИл етәксеһе эш сәфәре менән Керчь ҡалаһына юллана. Матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, Ил етәксеһе эш сәфәре менән Керчь ҡалаһына юллана. Матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, Путин ундағы "Залив" кораблдәр төҙөү заводында Рәсәй Федерацияһының Хәрби-диңгеҙ флоты өсөн хәрби кораблдәр төҙөлә башлауға арналған сарала ҡатнашасаҡ. Видеобәйләнеш аша илдең кораблдәр төҙөүсе бүтән комплекстары хеҙмәткәрҙәре менән дә аралашасаҡ. Фото: zaliv.com #ВладимирПутин Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ҡаҙҙар ҡаңғылдауына тертләп уянды Гөлназ. «Ҡарасы! Ҡалай ҡаты йоҡлап киткәнмен. Аҙ ғына ятып торайым, тип ятҡайным. Көн уртаһында һуйҙаңлап йоҡлап ят инде», - тип һөйләнә-һөйләнә тышҡа сыҡты ҡатын. Ҡаҙҙар ҡаңғылдауына тертләп уянды Гөлназ. «Ҡарасы! Ҡалай ҡаты йоҡлап киткәнмен. Аҙ ғына ятып торайым, тип ятҡайным. Көн уртаһында һуйҙаңлап йоҡлап ят инде», - тип һөйләнә-һөйләнә тышҡа сыҡты ҡатын. Ауыл ерендә эш тә күп шул, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Таң һарыһынан тороп һыйыр һауаһың, малдарҙы ауыл осона алып сығып көтөүгә ҡушаһың, кәртәлә мөңрәп быҙауҙарың көтә, уларға һөт эсерәһе бар, тауыҡ-ҡаҙҙарыңды ашатаһың, һөт үткәрәһең, уның һауыт-һабаһын йыуаһың. Инде саҡ-саҡ тын алып, сәғәткә күҙ һалһаң, иртәнгелекте әҙерләр ваҡыт еткән, ашатып иреңде эшкә оҙатыр кәрәк. Унан инде, йоҡолары туйған балаларың сыр-сыу килеп, болдорға сығып баҫа... Юҡ, зарланмай Гөлназ тормошона. Аллаға шөкөр, донъяһы етеш, үҙҙәре иҫән-һау, балалары тупырлап үҫеп килә, күҙ теймәһен. Ире лә яҡшы кеше булып сыҡты. Хужалыҡта ярҙам итеп тора, ир эше, ҡатын эше тип тормай. Ҡулы ла алтын, бына тигән өй һалып инделәр. Ауыл ерендә бар кешенең күҙ терәп торғаны мал бит инде, уныһын да ишәйттеләр. Ҡатын менән ир булараҡ та бәхетлеләр, бер-бе-реһен күҙ ҡарашынан аңлайҙар, бик үк һүҙгә килешкәндәре лә юҡ. Әле Әхмәте урманға ағас ҡыр-ҡырға китте, ашнаҡ эшләргә уйҙары. Балалары уйнарға сығып киткәндәр, өйҙәре ауыл осонда булғас рәхәт, артта ғына йылға аға. Аҙ ғына арыраҡ тау бите. Ауылды уратып тау теҙмәһе ята. Ул тауҙар шундай булып урынлашҡан, әйтерһең дә поезд вагондары. Гүйә, тауҙарҙы уратып поезд килеп сыҡҡан да - туҡтап ҡалған. Шуға уларҙы ауылда «поезд таш» тип йөрөтәләр. Балалары ана шунда уйнайҙар тиңдәштәре менән. Аллаға шөкөр, ергә ерегеп үҫәләр, һәр ташы, һәр үләне, һәр сәскәһе бәләкәстәренең күңел кәрәҙҙәренә һеңә, тыуған еренә бәйләй. Атыу бит, анау ҡала балаларына ҡарай ҙа, йәлләп ҡуя шуларҙы, ҡайҙа ҡарама - таш та асфальт, бер үлән дә күрмәҫһең, уйнарлыҡ урындары ла юҡ. Балалар ҡаласығын эшләп ҡуйғандар ҡуйыуын, унда ла компьютер ҙа автоматтар. Өйгә ҡайтһалар, телевизорҙа шул уҡ роботтар ҙа, фантастик ҡот осҡос нәмәләр. Ярай ҙа, ата-әсәһе балалары менән булырға ваҡыт тапһа, һөйләшеп эс серҙәрен бүлешһә, уларҙың тормошо, күңел торошо менән йәшәһә. Әгәр ҙә өйҙәгеләргә битараф булһалар, ҡайҙан изге күңелле, алсаҡ, бөтә яҡтан камил балалар үҫһен?! Бына баҡса ултыртабыҙ, ерҙең ошо бәләкәс кенә өлөшөндә аллы-гөллө сәскәләр, шаулап емеш-еләк, йәшелсә үҫһен өсөн күпме көс сарыф итәһең, күпме һыу һибәһең, сүбен утайһың, төптәрен йомшартаһың, йомортҡа баҫҡан тауыҡ кеүек, йәй буйы шул баҡса өҫтөндә булаһың. Шунда ла әле, ҡыйы ла етерлек, уңышы ла ҡайсаҡ ҡыуанырлыҡ булмай. Ә бит кеше үлән түгел, уға һәр саҡ йылы, йомшаҡ һүҙ, яғымлы ҡараш, йән йылыһы кәрәк. Ҡаҡ-ҡаҡ-ҡаҡ! Уйың бармы баҡмаҡ, тип ҡаҙҙар ҡаңғылдашыуы, болдорҙа ултырған Гөлназдың уйын бүлде. Былтыр Әхмәте сынъяһау итеп эшләп ултыртҡан келәттән алып сығып ем бирҙе себештәргә Гөлназ. - Асыҡтығыҙмы, ә?! Ҡарасы, ҙурайып киткән кеүек булғанһығыҙ, йомшаҡтарым минең, - тип йәшел хәтфә үлән өҫтөндә йөрөгән себештәрҙе күҙәтте. Ә инә ҡаҙ, ошондай матур, тирә-йүнгә үҙенә күрә йәм биреп йөрөүсе йән эйәләренең әсәһе булыу менән ғорурланғандай ҡаҡылдап ҡуйҙы ла, бәпкәләрен уратып йөрөп сыҡты. Аңшайып артта ҡалған бер себешен суҡышы менән этеп ем янына яҡынайтты. Гөлназ һап-һары бәпкәләрҙе, уларҙы ҡурсалап торған ғорур инә ҡаҙҙы күҙәтте, ә уйҙары, күңел йомғағының ебен һүтеп, бынан бер нисә йыл элек булған ваҡиғаны барланы. ... Әхмәтенең ике туған ҡустыһы туйға саҡырғайны күрше районға. Туй-туй бит инде ул, ике һыйырыңдың береһен һуй, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Кейәүҙең ата-әсәһе лә ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләгәндәр. Йолаһына тура килтереп һыйлайҙар. Өҫтәлдәр һыйҙан һығыла, ҡунаҡтар йәштәргә иң изге, иң матур теләктәр теләйҙәр. Бик оҡшаны туй Гөлназға, иҫерешеп йөрөгән кешеләр ҙә юҡ. Барыһы ла ысын күңелдән күңел аса. Йәштәр йылға буйына төшөп әйләнергә булдылар. Сыр-сыу килеп егеттәр, ҡыҙҙар машиналарға ултырыша башланылар. Ап-аҡ ебәк күлдәкле ҡурсаҡ бәйләнгән, төрлө ептәрҙән биҙәлгән, бөгөнгө тантананың сәбәпселәре ултырған машина урынынан ҡуҙғалғайны инде. Әллә ҡайҙа килеп сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләре машина алдында хасил булдылар. Үҙҙәренә яҡынлашыусы ҡотосҡос ҙур нәмәнән ҡурҡып, сипылдашып ҡайҙа барырға белмәй, абына-һөрөнә, төрлө яҡҡа һибелделәр. Тик береһе генә, албырғап ҡалды ла, машина алдынан йүгере-үен белде. Гөлназ, бәпкәһен һаҡларға ынтылған инә ҡаҙ кеүек, өҫтәл артынан ырғып торҙо ла, машина алдына йомолдо. Шул саҡ артта ултырған машиналарҙың береһенән урта буйлы, һөйкөмлө генә бер егет һикереп төштө лә, йүгереп килеп бәпкәне ҡулына алды. Дерелдәп торған себеште ҡурҡыуҙарынан ни эшләргә белмәй өйөгөшөп сипылдашҡан бәпкәләр янына алып барып ебәрҙе. Унан, көтөп торған иптәштәренә бара торорға ҡушып, себештәрҙе күҙәткән Гөлназ янына килде. - Бына рәхмәт яуғыры! Ярай ҡотҡарып өлгөрҙөгөҙ, юғиһә тапалып әрәм булыр ине, иҫәркәй. Инәләре күренмәй, был себештәр үҙҙәре генә микән... Нисек күреп өлгөрҙөгөҙ, ҡустым, рәхмәт, - тине Гөлназ, түшәлеп ятҡан үләнде суҡыштары менән йолҡҡолаған ҡаҙ себештәренә ҡарап уйға ҡалған егеткә. - Әсәйҙәре юҡ уларҙың, апай! Баҫып сығарғандың икенсе көнөнә бер иҫерек матайы менән тапап китте, ярай әле, себештәрен тапамаған. Күрше егете мин, туйға ингәйнем... Ошо себештәрҙе күргән һайын йөрәгем әрней. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем дә ошо бәпкәләр кеүекмен, ата-әсәйем юҡ... Атайым оҫта мейес сығарыусы булған, әсәйем фермала һыйыр һауған. Һуңынан эшен ташлаған, атайым менән эшкә бергә йөрөй башлаған. Атайыма кирбес алып бирешеп торған, мейес һылаған. Тәүге осорҙа эшләгән эштәре өсөн аҡса алдылар. Мин аҙ ғына иҫләйем, миңә ул ваҡытта алты йәштәр тирәһе булған, ә һылыуыма йәш тә тулмаған ине, ата-әсәйҙең беҙгә матур күлдәктәр, тәмле ризыҡтар алып ҡайтҡанын. Бер тапҡыр әсәйем үҙенә күлдәк алып ҡайтҡайны. Аҡ борсаҡ төшкән зәңгәр күлдәк кейеп көҙгө алдында әйләнгәне һаман да күҙ алдымда. Тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәстәрен баш осона ураған, матур һоро күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, йыл-мая-йылмая атайымдан: «Килешәме? Мин матурмы?» - тип һорай. Ә атайым ҡатынының матурлығына маһая төшөп, шул уҡ ваҡытта үҙ дәрәжәһен төшөрмәй генә, йылы ҡараш ташлап: «Йә инде, ҡыланма», - тигән була. Һуңынан улар мейес сығарған өсөн ниңәлер гел араҡы алып ҡайта башланылар. Йырлашып эсәләр, ә унан һуң ыҙғышыр булып китәләр. Һәм бер көндө күрше ауылға мейес сығарырға киттеләр ҙә бүтәнсә ҡайтманылар. Икәүләшеп ултырып урманда эскәндәр ҙә туранан ҡайтырға булғандар. Ҡараңғыла күрмәй килеп, ярҙан осҡандар. Икенсе көндө генә таптылар уларҙы. Бына шулай етем ҡалдыҡ беҙ, апай! Етем ҡалдыҡ тигәс тә, өләсәйем етем итмәне беҙҙе. Беҙ күңелһеҙләнмәһен тип ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне, кешенән кәм кейендермәне, аш-һыуы ла тәрбиәле булды. Ә шулай ҙа, ата-әсәһе менән етәкләшеп йөрөүсе балаларҙы күрһәк, үҙ-ара ыҙғышып киткәндә: «Мин атайыма, әсәйемә әйтәм», - тип илаған тиңдәштәремә ҡарап, көнләшә инек. Хәҙер инде ҙурайҙыҡ. Һылыуым инде ауыл мәктәбен тамамлап, юғары уҡыу йортонда белем ала. Тик бына мин хеҙмәттә саҡта өләсәйем үлеп киткән. Төбәп ҡайтырға өй ҙә юҡ ине. Рәхмәт, ауылдаштарға, күршеләргә, әллә ни итеп ҡаршыланылар. Өләсәйемдең өйөн рәтләп шунда ҡайттым. Күптән түгел военкоматҡа саҡыртып, уҡырға барырға өндәнеләр. Белем алырға булдым, апай, военкоматта, уҡырға инергә ярҙам итәбеҙ, тиҙәр. Мин бит Чечняла хеҙмәт иттем, кем әйтмешләй, утты-һыуҙы, тимер торбаларҙы үткән кеше. Үлем менән дә бик йыш осрашырға тура килде. Янған БТР эсенән иптәштәрем иҫһеҙ килеш алып сыҡҡандар мине. Икенсе юлы контузия алып, машина аҫтында ҡала яҙҙым, Борай егете ҡотҡарҙы. Йәшәү тәмен беләм мин, апай, тормошҡа ҡарашым да ҡайһы бер тиңдәштәремдән ныҡ айырыла. Ундағы мәхшәрҙе күреп йәнем ҡатманы минең, киреһенсә үҙебеҙҙең йәшәйешкә айыҡ ҡараш менән ҡарарға, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнеп ҡайттым. Уҡып сығып, ныҡлап аяҡҡа баҫҡас ҡына ғаилә ҡорасаҡмын. Балаларыма минең менән ғорурланырлыҡ булһын, минән, ҡатынымдан өлгө алып үҫерлек булһын. Апай! Иғтибар иткәнһегеҙҙер, эйе бит, бигерәк матур бит беҙҙең яҡтар, иҫ китерлек! Балаларым мин һулаған һауаны һулап, мин аунаған хәтфә үләндә аунап, ошо матурлыҡты күреп үҫһен өсөн, мотлаҡ ауылыма ҡайтасаҡмын. Ҡара әле, мин һеҙҙе арытып бөткәнмендер инде үҙемдең әңгәмәм менән. Бәлки, һеҙ аптырайһығыҙҙыр, ниндәйҙер таныш түгел бер егет килде лә үҙе тураһында һөйләй башланы тип. Һеҙҙең шул ярҙамға мохтаж, көсһөҙ себештәрҙе күреп ҡотҡарырға ынтылыуығыҙ әллә ни эшләтте күңелемде, эсемде бушатаһым килде. Ғәфү итегеҙ, йәме, һеҙҙең ваҡытығыҙҙы алдым шикелле. Рәхмәт һеҙгә себеш өсөн! Тимәк, изге күңелле кешеләр бар әле донъяла. Уйлап ҡараһаң, бер себеш нимә инде, ә шулай ҙа ... Ул да бит йән эйәһе, уның да йәшәргә хаҡы бар. Ярай, апай, мин йүгерҙем, юғалтҡандарҙыр. Ҡасан да булһа бер осрашырбыҙ әле! Һау булығыҙ! Миңә бәхет теләгеҙ! - тине лә йүгереп китеп тә барҙы. Оҙаҡ текләп торҙо Гөлназ уның артынан. Күңеленән бәхет теләне егеткә, ә күҙ алдында - етемһерәгән яңғыҙ себеш. «Хыялдарың саф, изге, бер үк тормошҡа ашһын! Бәхетеңдән изге күңелле, тәүфиҡле бәндәләр юлдаш булһын! Иншалла!» - тип шыбырҙай ине ирендәре Гөлназдың. Үҙенең шул уҡ теләкте ҡабатлауына, ҡысҡырып әйтеүенә тертләп китте Гөлназ. Инә ҡаҙ бәпкәләрен эйәртеп ҡапҡанан сығып бара. Тамаҡтары туйған бәпкәләр, үлән араһынан саҡ-саҡ күренеп, туйтаң-туйтаң әсәләре артынан ҡабаланалар. Уларҙы ҡарап торҙо ла, өйөнә ашыҡты Гөлназ, оҙаҡламай үҙенең себештәре ҡайтасаҡ. Нурия ҠУНЫСБАЕВА. Фото: ЯндексКартинки Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Ағиҙел -8 °С Ҡар 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 22 Июль 2019, 08:00 Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Рәсәй Президенты Владимир Путин аҙ килемле ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү хаҡында тәҡдим индерҙе. Был тәҡдим “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектында тормошҡа ашырыласаҡ һәм финансланасаҡ. #нацпроекты; #национальныепроекты Рәсәй Президенты Владимир Путин аҙ килемле ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү хаҡында тәҡдим индерҙе. Был тәҡдим “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектында тормошҡа ашырыласаҡ һәм финансланасаҡ. Аҙ килемле ғаиләләргә торлаҡ күсемһеҙ милекте шәхси милек итеп рәсмиләштермәү шарты менән тапшырыласаҡ.
Бөгөн Өфөлә Ғафури һәм Чернышевский урамдары киҫелешендә төҙөлөп ятҡан йорт янында ер убылып, өҫтөндәге асфальты ярылып төшкән, тротуарға ла зыян килгән. Был урында - автомобиль ҡуйыу майҙансығында - соҡор барлыҡҡа килгән. Ундағы машиналарҙы эвакуатор ярҙамында икенсе ергә күсергәндәр. Хәүефле урын сигнал таҫмалары менән уратып алынған. Ер һаман да сатнап, соҡор киңәйә, тиҙәр. Был хәлгә Өфөнөң Ленин районы буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығында шундай аңлатма биргәндәр: гидравлик һынауҙар мәлендә йылылыҡ трассаһының тишелеүе юлдағы асфальттың емерелеүенә сәбәп булған. "Хәүефле урында авария хеҙмәте белгестәре эшләй. Тәүҙә йылылыҡ трассаһын йүнәтеп, шунан асфальт япмаһын яңыртасаҡтар", - тип белдергән идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты. Автор:Аклима Гизатуллина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Республикаға эвакуацияланған Луганск һәм Донецк республикалары граждандарына Йәмәғәт ярҙамы штабы "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһендә аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ алыуын дауам итә. Әйтәйек, бөгөн Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов исеменән Донецк һәм Луганск халҡына гуманитар ярҙам тупланмаһына "Саф йөрәк" хәйриә фонды ирекмәндәре ҡушылды. Улар 11 электр сәйнүге һәм аҙыҡ һатып алған. "Хәҙер, Луганск һәм Донецк республикаларында ҡот осҡос ваҡиғалар барғанда, кешеләрҙе тыуған ерҙәренән эвакуациялағанда, беҙ ситтә тора алмайбыҙ. Уларға ысынлап та ярҙам кәрәк, аҙыҡ-түлек, һыу, кейем-һалымға мохтаждар. Эвакуацияланған граждандар араһында тәү сиратта балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр бар. Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – туғандаш халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу һәм уларҙың тырышлығын берләштереү. Республиканың битараф булмаған халҡын мөмкин булған гуманитар ярҙамды күрһәтергә саҡырам", — тине Ризуан Ҡорбанов. "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәне Ингил Хәсәнов әйтеүенсә, көн һайын ярҙам итергә теләүселәр һаны арта. "Өфө халҡы балалар өсөн кейем-һалым, уйынсыҡтар һәм кейем-һалым, шәхси гигиена әйберҙәре, яҫтыҡ-юрғандар алып килә. Хәстәрлекле кешеләрҙең күп булыуына шатмын. Штабыбыҙға ирекмән булып килергә мөмкинлеге булғандарҙы ла саҡырам. Бөгөн ниндәй ҙә ярҙам артыҡ булмаясаҡ", — тине Ингил Хәсәнов. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа төрлө ойошмалар ҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән "Дар Сайрана" компанияһы 25 литрлыҡ ун баллон һыу алып килеп биргән. "Беҙҙең ойошма был кешеләргә ярҙам итергә әҙер. Кәрәк булһа, эсәр һыуҙы бер нисә тапҡыр алып килеп китербеҙ", — тине ойошма етәксеһе Эрнст Ғәлинуров. Оло быуын халҡы Луганск һәм Донецк республикалары граждандарының бәхетһеҙлеген күңеленә айырыуса яҡын ала. "Радионан Донецк һәм Луганскиҙан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам кәрәклеген ишеттем. Ҡатыным Луганскиҙан. Уның менән кәрәк булғандың барыһын да йыйып, ҡабул итеү пунктына алып килдек. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем, йылы балалар кейеме, аяҡ кейеме", — ти хаҡлы ялдағы Александр Ефименков. Өфөлә йәшәгән Нина Зайцева эвакуацияланғандарға аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алып килгән. "Барыһы ла тыныс юл менән хәл ителһен. Кешеләр һыйыныу урыны табыр, әммә тыныс тормош ул бары тыуған ерҙә генә мөмкин. Илдәре тынысланып, үҙ яғына ҡайтырға насип итһен", — ти ул. Шулай уҡ гуманитар ярҙамға "К-Сервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡушыла. Компания вәкилдәре балалар өсөн әйберҙәр алып килгән. Республикаға идара итеү үҙәге лә ситтә ҡалманы. Бөгөн ойошма ағзалары аҙыҡ-түлек пакеттары, карауаттар, яҫтыҡ, юрған комплекттары алып килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, гуманитар ярҙам өсөн Йәмәғәт штабы: Өфө, Цюрупы, 17. Шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының барлыҡ 63 бүлексәһендә лә гуманитар ярҙам ҡабул ителә. Эш сәғәте: Дүшәмбе — йома: 09.00 — 21.00 сәғәттәрҙә. Шәмбе – йәкшәмбе: 09.00 − 18.00 сәғәттәрҙә. Байрам көндәрендә: 09.00 - 18.00 сәғәттәрҙә. Йәмәғәт ярҙамы штабының “тура бәйләнеш” телефоны: 8 (347) 218-19-19. Шылтыратыуҙар көн һайын 8.00 сәғәттән алып 20.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Фото "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенән алынды. Автор:Лилия Нуретдинова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында күп ҡатлы каркаслы йорттар төҙөүҙе үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте. Унда күп ҡатлы каркас йорттар төҙөлөшө элементтарын етештереү буйынса заводтар, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре һәм төп заказсы-төҙөүселәр ҡатнашты. — - Республика Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктәге төҙөлөш комплексы алдына етди бурыстар ҡуйҙы, – тине дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов. – Мәҫәлән, республика торлаҡ төҙөлөшө программаһына ярашлы беҙ 2015 йылға – 3700 мең квадрат метр, ә 2020 йылға 5200 мең квадрат метр кимәленә сығырға тейешбеҙ. Йәғни киләһе ун йыл эсендә бөгөнгө күрһәткестәрҙе икеләтә арттырыу талап ителә. Заманса фәнни-техник эшләнмәләрҙе ғәмәлгә индермәйенсә һәм төҙөлөш процесын мөмкин тиклем индустриалләштермәйенсә был бурыстарҙы үтәү мөмкин түгел. Төҙөлөштә ҡулланылған яңы технологиялар беҙгә сығымдарҙы кәметергә, сафҡа индерелгән торлаҡ сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала индустриаль эре панелле йорттар төҙөүҙе – “Эре панелле йорттар төҙөү” тресы, ә каркаслы йорттар һалыуҙы “Каркас” төҙөлөш-монтаж комплексы тормошҡа ашыра. Уларҙа проект һәм төҙөлөш ойошмалары бар. Башҡортостанда каркаслы йорттар һалыу системаһы әлегә тейешенсә үҫешмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республиканың төрлө ҡалаларында ошондай 15 йорт һалынған. “Башинвест” компаниялар төркөмө “Промтехстрой” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Торлаҡ төҙөлөшө фонды объектында эш башланы. Унда каркас технологияһы буйынса тәжрибә рәүешендә тәүге йорт төҙөлә. Яҡынса иҫәп-хисаптар буйынса уның 1 квадрат метры коммуникацияларға сығымдарҙы иҫәпкә алып, 22-23 мең һум тәшкил итәсәк. Каркас йорттар һалыу элементтарын етештереү ҡеүәте (ул “Промтехстрой” йәмғиәтендә урынлаштырыласаҡ) йылына 250 мең квадрат метр торлаҡ тәшкил итәсәк. Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин Теги:төҙөлөшкәңәшмәләр Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Ғәҙәттә, календарҙа билдәләнгән һәр төрлө иҫтәлекле даталарҙы беҙ йыр-бейеү һәм тамашалар менән билдәләргә күнеккәнбеҙ. Быйыл Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан сара ойоштороласағы хаҡында уҡығас, уға сираттағы күңел асыу сараһы итеп кенә ҡараным. Әммә, 6 декабрҙә район мәҙәниәт йортонда үткән сарала ҡатнашҡас, үҙ фекеремдән ҡайттым. Был саранан репортажды сайтта уҡығыҙ. Ғәҙәттә, календарҙа билдәләнгән һәр төрлө иҫтәлекле даталарҙы беҙ йыр-бейеү һәм тамашалар менән билдәләргә күнеккәнбеҙ. Быйыл Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан сара ойоштороласағы хаҡында уҡығас, уға сираттағы күңел асыу сараһы итеп кенә ҡараным. Әммә, 6 декабрҙә район мәҙәниәт йортонда үткән сарала ҡатнашҡас, үҙ фекеремдән ҡайттым. Уң яҡтағы өҫтәлдә оҫта ҡуллы Светлана Ишбулатова, Эльза Зарипова, Нәйлә Ғәлийәнова, Зөләйхә Дәүләтбәковаларҙың бәйләнгән әйберҙәре урын алғайны. Ҙур форум форматында ойошторолған сараны район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Ейәнсура районы ойошмаһы рәйесе Венера Мостафинаның сығышы асты. Айгөл Татарникова менән Илсур Илтенбаев алып барған тантана район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары сығыштары менән үрелеп барҙы. Үргендең “Айгөл” һәм Иҫәнғолдоң “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары әҙерләгән ҡул эштәре, уйынсыҡтар күргәҙмәләре, тәрбиәселәрҙең уларҙы эшләү буйынса күрһәткән оҫталыҡ дәрестәре барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы Тәнзилә Ноғоманова ла ҡыҙы Диана менән балаларға һәм әсәйҙәргә канзаши, топиарий һәм беләҙектәр эшләү серҙәре менән ихлас бүлеште. Алыҫ Арсен ауылынан килгән Лев Егоров иһә теләүселәрҙе гәзиттән үҙе кеүек үк оҫта итеп кәрзин үрергә өйрәтте. Үҙе махсус фотозона әҙерләгән Валерия Мәһәҙиева иһә “тәхеттә” ултырған, бәхетле йылмайған ҡыҙҙар-малалайҙарҙың онотолмаҫ мәлдәрен фотопленкаға мәңгеләштерҙе. Айлыҡ аҡсалата түләмдәр, газ үткәреүгә сертифат юллау мәсьәләһе лә күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Инвалидлыҡ юллау, ортопедик аяҡ кейеме эшләтеү буйынса ла һорауҙарға яуап алынды. Тағы ла Таңсулпан Хафиз ҡыҙы инвалидтарҙы йөрөткән автомобилдәр өсөн махсус билдә хаҡында ла әйтеп үтте. МСЭ-ға ғариза ғариза менән мөрәжәғәт иткән осраҡта, нисәнсе төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, А4 форматындағы бындай билдәне руль артында үҙе йөрөймө, әллә пассажирмы – һәр кем алыуға хоҡуҡлы. Түләүле парковкаларҙа ла бушлай туҡталыу хоҡуғын биргән был билдә, әлбиттә, ҙур ҡалаға барыусылар өсөн бик ҡулай. Санатор-курорт дауаланыуы, юлламалар алыу буйынса һорауҙарға социаль страховкалау фондының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең баш белгесе Гөлнара Хәйбуллина яуап бирҙе. Дөйөм “түңәрәк өҫтәл”дән һуң һәр кемдең белгестәргә килеп, шәхсән һорау менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булды. Йәнле аралашыуҙан һуң барыһы ла икенсе ҡаттың фойеһына күтәрелде. Сөнки тап шунда был сараның иң тантаналы өлөшө – төрлө бәйгеләр еңеүселәрен, төрлө өлкәлә, шулай уҡ инвалидтар ойошмаһы тормошонда әүҙемдәрҙе бүләкләү үтте. Бер генә бала ла, ҡатнашыусы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Сарала сәләмәтлек мөмкинлеге сикле 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Был райондағы инвалидтарҙың бары яҡынса 5 проценты. Улар килеп, үҙҙәре менән йәмғиәт араһында бер ниндәй ҙә сик тә, кәртә лә юҡлығын тойоу, киреһенсә, һәр кемдең ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы, уларҙы моғайын ҡанатландырғандыр. Инвалидтар көнө байрам түгел тиҙәр. Әммә ошо дата уңайынан ойошторолған күптәргә кәйеф күтәренкелеге, аралашыу ҡыуанысы, яңы тәьҫораттар бүләк иткән, ысын мәғәнәһендә байрам сараһы унда ҡатнашҡан һәр кемдә эҙһеҙ үтмәҫ, тип ышанғы килә. Киләсәктә бындай сара йәнә ойошторолор ҙа, ҡатнашыусылар ҙа күберәк булыр, тип ышанғы килә. Ә был – тәүге ҙур форум райпо хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән йәмле лә, тәмле лә сәй табыны менән тамамланды. ФЕКЕРҘӘР: Нәйлә Ғәлийәнова, Урта Муйнаҡ ауылы: – Шул тиклем шатланып ҡайттыҡ. Бығаса булдымы икән? Әммә мин бындай ҙур сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуым. Программа төптән уйлап эшләнгән. Шул тиклем ныҡ оҡшаны! Ә балаларҙың ҡыуаныуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан, шат күҙҙәре осҡондай балҡып тора! Сараның барлыҡ ойоштороусыларына ҙур рәхмәт! Ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем! Илшат Батталов, Ҡарадигән ауылы: Юлиә Абдрахманова, Саҙалы ауылы: – Мин байрамға улым Данил менән килдем. Бик ҡыуанышып ҡайттыҡ. Концерт бик оҡшаны, аҙаҡ улым төрлө уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр алды. Ҡайтҡас, тәьҫораттарын туғандарына һөйләп бөтә алманы. Конкурста ҡатнашҡаны өсөн Почет грамотаһы һәм бүләк менән билдәләнде. Бүләгенә бигерәк ҡыуанды һәм киләһе йылда тағы ла ҡатнашам тип дәртләнеп ҡайтты. Мөмкинлектән файҙаланып, ойоштороусыларға һәм улыма конкурста ҡатнашырға ярҙам иткән уҡытыусылары Идария Ишбаева меән Зөлфиә Фахретдиноваға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
README.md exists but content is empty. Use the Edit dataset card button to edit it.
Downloads last month
3
Edit dataset card