text
stringlengths
279
69.3k
Уҡыусыларыбыҙҙы аттестаттарын ҡулдарына алып ҡыуаныуҙары менән ҡотлайбыҙ!!! 11-се класты тамамлаусы Ғафарова Айгүзәл менән осраштыҡ, ҡыуанып бөтә алмай алтын миҙал алғанына, ышанмай! Йөҙөндәге шатлыҡ ҡояш һымаҡ тирә-яҡҡа нур сәсте. Бөтә донъя беҙҙең менән бергә ҡыуанған һымаҡ булды. Миңә алыыыҫтан ҡул болғап, йүгереп килеп, ҡосаҡлап алды. Уның шатлыҡлы хис-тойғолары миңә күсте. Оҙаҡ итеп һөйләшеп торҙоҡ, айырылышаһы килмәне. Уҡытҡан уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә рәхмәте сикһеҙ! Йөҙөндә бөтмәҫ шатлыҡ, күҙҙәренән һағыш, хушлашыу йәштәре үҙенән-үҙе тәгәрәй. Моңһоу ғына айырылыштыҡ. "Апай, аралашып торайыҡ, беҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙан, тәрбиәселәребеҙҙән башҡа киләсәк тормошобоҙҙо күҙ алдына килтерә алмайбыҙ", – тине, һәр ваҡыттағыса һөйкөмлө итеп йылмайып. Йөҙөндә ышаныслы аҙым яһарлыҡ, заман менән бергә атларлыҡ төплө белем, тәрбиә алғаны балҡып тора.Мин уға һәм барлыҡ уҡыусыларыма матур киләсәк, бәхетле тормош, ныҡлы һаулыҡ теләйем.Клара Дәүләтбаева, Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Уҡыусыларыбыҙҙы аттестаттарын ҡулдарына алып ҡыуаныуҙары менән ҡотлайбыҙ!!! 11-се класты тамамлаусы Ғафарова Айгүзәл менән осраштыҡ, ҡыуанып бөтә алмай алтын миҙал алғанына, ышанмай! Йөҙөндәге шатлыҡ ҡояш һымаҡ тирә-яҡҡа нур сәсте. Бөтә донъя беҙҙең менән бергә ҡыуанған һымаҡ булды. Миңә алыыыҫтан ҡул болғап, йүгереп килеп, ҡосаҡлап алды. Уның шатлыҡлы хис-тойғолары миңә күсте. Оҙаҡ итеп һөйләшеп торҙоҡ, айырылышаһы килмәне. Уҡытҡан уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә рәхмәте сикһеҙ! Йөҙөндә бөтмәҫ шатлыҡ, күҙҙәренән һағыш, хушлашыу йәштәре үҙенән-үҙе тәгәрәй. Моңһоу ғына айырылыштыҡ. "Апай, аралашып торайыҡ, беҙҙе уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙан, тәрбиәселәребеҙҙән башҡа киләсәк тормошобоҙҙо күҙ алдына килтерә алмайбыҙ", – тине, һәр ваҡыттағыса һөйкөмлө итеп йылмайып. Йөҙөндә ышаныслы аҙым яһарлыҡ, заман менән бергә атларлыҡ төплө белем, тәрбиә алғаны балҡып тора. Мин уға һәм барлыҡ уҡыусыларыма матур киләсәк, бәхетле тормош, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Клара Дәүләтбаева, Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ваҡыт-ваҡыт уларҙы, айырылшҡандар икән, тигән хәбәр ишетелеп ҡала. Эйе шул, ысынлап та, Альбина менән Ғафурҙы хәтерләйһегеҙме икән, бер замандараҡ белем эстәгәйнек. Ҡайһы Ғафур, тиһегеҙме? Һуң, теге, мөһәбәт кәүҙәле, оҙон бөҙрә сәсле, ҡап-ҡара мыйыҡ. Үҙенең, ай, әттәгенәһе, тип әйтеүе генә ни тора! Коридорҙан берәйһе менән гөлдөрләп һөйләшеп үтеп барғанда тауышы ишетелһә, ҡыҙҙар бүлмәләренән әллә уны күрер өсөн, әллә, киреһенсә, күҙенә салынырға самалап, ишек аша аңшая торғайнылар. Бар бит шундай аҫыл заттар. Ҡыҙҙар ярата торғайны үҙен. Килеп матур булыуына ғына түҙерһең, үҙенең холоҡ-фиғеле лә шул тиклем һәйбәт бит әле. Йыуаштың да йыуашы, үҙе итәғәтле. Баяғы, тәрбиәле инде. Беҙ уҡыған заманда уға ғашиҡ булмаған ҡыҙ булдымы икән? Уф, уныһы ғына ярай инде, уның ҡосағынан үтмәгән ҡыҙ ҡалдымы икән? Шул егеттәр менән эсеп ултырғанда һөйләгән, имеш: “Беҙ – башҡорттар, тимәк, башҡорт ҡыҙына өйләнергә тейешбеҙ. Беҙҙең бурыс – үҙебеҙҙекеләрҙе бәхетле итеү”, – тигәнме? БЕҘ БЕР ОСОР УҠЫҒАЙНЫҠ. (Хикәйә) Ваҡыт-ваҡыт уларҙы, айырылшҡандар икән, тигән хәбәр ишетелеп ҡала. Эйе шул, ысынлап та, Альбина менән Ғафурҙы хәтерләйһегеҙме икән, бер замандараҡ белем эстәгәйнек. Ҡайһы Ғафур, тиһегеҙме? Һуң, теге, мөһәбәт кәүҙәле, оҙон бөҙрә сәсле, ҡап-ҡара мыйыҡ. Үҙенең, ай, әттәгенәһе, тип әйтеүе генә ни тора! Коридорҙан берәйһе менән гөлдөрләп һөйләшеп үтеп барғанда тауышы ишетелһә, ҡыҙҙар бүлмәләренән әллә уны күрер өсөн, әллә, киреһенсә, күҙенә салынырға самалап, ишек аша аңшая торғайнылар. Бар бит шундай аҫыл заттар. Ҡыҙҙар ярата торғайны үҙен. Килеп матур булыуына ғына түҙерһең, үҙенең холоҡ-фиғеле лә шул тиклем һәйбәт бит әле. Йыуаштың да йыуашы, үҙе итәғәтле. Баяғы, тәрбиәле инде. Беҙ уҡыған заманда уға ғашиҡ булмаған ҡыҙ булдымы икән? Уф, уныһы ғына ярай инде, уның ҡосағынан үтмәгән ҡыҙ ҡалдымы икән? Шул егеттәр менән эсеп ултырғанда һөйләгән, имеш: “Беҙ – башҡорттар, тимәк, башҡорт ҡыҙына өйләнергә тейешбеҙ. Беҙҙең бурыс – үҙебеҙҙекеләрҙе бәхетле итеү”, – тигәнме? Ул заман, әйтһәм, әйтәйем инде, ҡыҙ сафлығының ҡәҙере бар ине әле. Һәр хәлдә, Ғафур ғына уны баһаламаһа, баһаламағандыр. Бер заман хәбәр төштө: аҫыл егетебеҙ өйләнә икән. Исеме – Альбина, ти. Урыҫ бүлегендә уҡый, тиме. Ҡайҙан башҡорт булһын, мәрйә лә түгел икән. Анау яҡта Мишкәме, Бишбүләкме тигән район бар икән. Ул ҡыҙыҡай шунан сыҡҡан, ти. Бәй, бәй! Ярай, Мишкә лә булһын, бишкә лә булһын, айырмаһы юҡ. Ә ҡайҙа бында үҙебеҙҙекенә өйләнәйек, егеттәр, тигән хәбәрең? Ярай, халыҡтар дуҫлығы беҙҙең өсөн ят түгел. Аллаһына шөкөр, илебеҙ ҙур, еребеҙ иркен, быға тиклем һыйғанды, бынан һуң да йәшәрбеҙ. Дөрөҫ хәбәр булып сыҡты. Ҡарап тороуға батша ҡыҙына ла, Көлһылыуға ла, Көлбикәгә лә, Гөлбикәгә лә тартмаған. Мин, мәҫәлән, Ғафур өйләнмәһә, был түңәрәк донъяла Альбина исемле әллә мари, әллә сыуаш ҡыҙының барлығын да белмәҫ инем. Ә нимәһе менән алдырған, йәғни йыға һуҡҡан һуң беҙҙең баһадирҙы беҙ бығаса белмәгән, хата күрмәгән Альбина? Теүәл генә итеп әйтә алмайым. Берәү әйтә, Ғафур бер йыл стипендия алманы, гел ас йөрөнө, шул ваҡыт теге Көлбикәме, Гөлбикәме, Көлһылыумы, уны тотоп алып, щимы, борщмы ашатып ебәргән, тип тә һөйләнеләр. Икенсеһе, юҡ, дөрөҫ түгел, Ғафур үҙе ғашиҡ булған, теге ҡыҙыҡай бик мутар итеп мөхәббәтен аңлатып биргән, ни өсөн егеттең уға өйләнергә тейешлеген иҫбатлаған, тигәнерәк мәғәнәлә фараз ҡылды. Был ғаилә усағына берәү ҙә оҙон ғүмер фаразламаны. Элек һәр өсөнсө, аҙаҡ һәр икенсе никах тарҡала, тип зарланған илдә был мәсьәлә берәүҙе лә ғәжәпләндермәй. Кем белә, бәлки шулай булырға тейештер ҙә. Шуға, бына өс тиҫтә йылдар булыр, Ғафур менән Альбинаны ситтән генә күҙәтеп, улар хаҡында ишеткеләп йөрөйөм, Толстой барыбер хаҡлы бит ул. Уның ХIХ быуаттан яҙған һүҙҙәре лә бөгөнгө көнгә ауаздаш һымаҡ. Теге, нисек әле, бәхетле ғаиләләр бөтәһе лә бер-береһенә оҡшаш, тигән һымаҡ, бәхетһеҙҙәре лә һәр береһе үҙенсә бәхетһеҙ. Әйткәндәй, Ғафур, әйтеүемсә, беҙҙең ҡыҙҙарҙы ла ифрат ярата ине. Иманым камил, улар ҙа үҙҙәрен бәхетһеҙ итеп тоймайҙарҙыр. Йәгеҙ әле, нимә тигәйнегеҙ? Ғафур менән Альбина айырылышҡан, тигәйнегеҙме? Күңелегеҙҙе киң тотоғоҙ. Улармы һуң инде бер-береһен ҡалдыра торғандар? Ана, Ғафур ҡорҙаш Альбинаһын ҡултығына ҡыҫтырып, һин дә мин китеп бара. Ҡатыны ихлас йылмайып, тоғро күҙҙәре, йылы һүҙҙәре менән ирен ҡурсап алып барған һымаҡ. Ә инде Ғафурға килгәндә, үтеп киткән йылдар, ут егетебеҙҙе таушатыуға үҙ өлөшөн индергән. Бөҙрә сәстәре ап-аҡ, мыйыҡ ҡап-ҡара, ләкин буялғандыр, тигән шигем бар. Суҡынған! Таныны, иҫәнләште! Рәхмәт, ҡорҙаш, онотмағаның өсөн! Һеҙгә был хәбәр килеп еттеме әле? Ишетһәгеҙ, ишетегеҙ, көлөгөҙ ҙә ҡуйығыҙ. Ғафурмы һуң инде бисә айырып, ғаилә тарҡатып йөрөй торған кеше? Шуға, хәбәр килһә, айырылышҡандар имеш, тиһәләр, көлөгөҙ ҙә ҡуйығыҙ. Бергә улар, үҙем күрҙем! Фото: donpress.com Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
«Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған «Башҡортостан — Европа 2011» исемле автоуҙышта ҡатнашыусы 12 кеше Латвияға килде. Унда беҙҙең республика вәкилдәре бер нисә мөһим осрашыу үткәрҙе, шул иҫәптән башҡорт диспораһы вәкилдәре менән күреште, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Латвия башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Финат Ғәзизов. Был осрашыуҙарҙы үткәреүҙә Башҡортостан Республикаһының Балтика төбәгендәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле, башҡорт диаспораһының әүҙем эшмәкәре Рина Хәмитова ярҙам итте. Ригала бизнесмендар һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән ике яҡлы осрашыуҙар үткәрелде. Латвияның милли-мәҙәни йәмғиәттәре ассоциацияһында түңәрәк өҫтәл үтте, сарала хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре һәм перспективалары тикшерелде. Бынан һуң делегаттар Юрмала ҡалаһына юлланды, унда улар билдәле рәссам Виталий Ермолаев күргәҙмәһендә булды. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Латвия башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән Елгава ҡалаһында ла булды. Бында урындағы бизнесмендар һәм ҡала етәкселеге менән осрашыуҙар үтте. Шулай уҡ бөгөнгә Рига Думаһы етәкселеге менән осрашыу планлаштырылған. Сара һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының урта һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре өсөн отчет төҙөләсәк, унда автоуҙыш үтәсәк илдәрҙең бизнесмендары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт буласаҡ. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Рәсәй, Белоруссия, Балтик буйы, Польша, Германия һәм Швейцария ҡалалары аша үтәсәк. Автор:Тимур Рәхмәтуллин | фото: Финат Гәзизов Теги:автоуҙышхалыҡ-ара бәйләнештәр Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Иртән һәш тә һәш килеп һыйырҙарын көтөүгә ҡыуған бисә-сәсәгә Шәмсинур әбейҙең тәүге һүҙе шул булды. Тегеләренә был етә ҡалды. Кемеһелер, ай аллаҡайым, тип усын ботона шапылдата һуҡты, икенселәре ҡасандыр шундай уҡ ҡазаға тарыуын иҫенә төшөрҙө, уғрыларҙы эттән алып беткә һалып һүкте. – Берәүҙең эсен тиште инде. – Ҡуй инде, ҡуй, әллә ниндәй заман тыуҙы. Элек мәңге ишек бикләй белмәнек, энәбеҙ ҙә юғалмай торғайны. Хәҙер ишек түгел ҡапҡаны асыҡ ҡалдырыр әмәл юҡ. – Теге ваҡыт һуң! Һарайҙан баҫып ятҡан ҡаҙымды алып сыҡтылар бит. Шунан бирле мына ҡаҙ уңдыра алғаным юҡ. – Минең һуҡыр тауығым да ҡалманы бит! Шул саҡ араларынан кемдер: – Милиссейәгә хәбәр иттеңме һуң? – тип һораны. – Эй, шуларға әйтеп ни файҙа! – Шәмсинур ҡулын ғына һелтәне.– Ана, былтыр ҡара көҙгә аяҡ баҫҡас, күршем Сәмиғәнең бура кеүек башмағы һыуға төшкәндәй ғәйеп булды. Быҙау дәүмәле эттәре менән дә килеп йөрөгән булдылар шунда. Эш кешеһен ҡоро бимазалауҙары инде. Табырһың бына бер эт эсенә ингән нәмәне. – Ҡыҙый, улай тимә әле, һин дә әйтмә, башҡаһы ла ауыҙына һыу уртлағандай шымып ҡалһын, ә уғрыларға шул ғына кәрәк. – Шулай, шулай... – Тамам шаштылар бит. Шәмсинур әбей бөгөн бабайы менән бесәнен йыйып күбәгә һалырға йыйынғайны. Бынан ике аҙна элек сапһалар ҙа, һаман йыя алмай эт булалар. Инде көнөн биреп, барырға йыйынһалар, әллә ҡайҙан бейәләй дәүмәлек кенә болот килеп сыға ла, йәмрәйеп, бөтә күкте ялмап ала. Шунан тотона ямғыр ҡойорға. Ҡатын өйөнә ҡайтып, һауылған һөтөн сепараттан үткәреп, ҡош-ҡортона ем һипте лә күрше Мораҡайға юлланды. Участка милиционеры шул ауылда. Бабайы: – Тәк зерәгә хитланып йөрөйһөң инде шунда. Ауылда берәүҙең дә юғалған әйберен, мал-тыуарын тапҡандары юҡ әле, – тип әйтеп ҡарағайны ла, Шәмсинур һүҙендә ныҡ торҙо. – Эй, ошоно! Бер нәмә эшләйем тиһәң, ҡырталашаһың да тораһың. Сәйер генәһең ул. Барамсы, ниңә бармай ти! Бында кеше өсөн үҫтергән мал барҙыр шул. Мужыт табырҙар. Гелән һине генә тыңлап ғүмерем үтте. Шәмсинурҙың тағы әллә ҡасанғы хәлдәрҙе иҫенә төшөрөүен, хәҙер һәр береһен теҙә башлауын һиҙгән ҡарты шымартырға теләне. – Ваҡыт әрәм итеп йөрөүең, тим инде. Уларҙан какуй тулык. Тапҡан хәлдә лә, ҡурҡыныс бит әле ул. Аҙаҡ этләшеп йөрөрҙәр. Ярай, барһаң бар инде. Мин сабынлыҡта бакуйҙарҙы әйләндерә торам. – Шулай кирегә юрап торғас, тапмаҫтар ҙа шул. Һин һәр ваҡыт шул булдың инде. – Инде әбей бабайына аҙарына башланы. – Һиңә генә бер нәмә кәрәкмәй. Кеше ҡайҙан нимә соҡоп табырға белмәй, ә һин булғанын аллаһы әппәргә осорорға әҙер тораһың. Бошмаҫ! – Тағы башланы инде. – Башланым шул, башланым. Шәмсинур ире Ғәбдел менән алты бала ҡарап үҫтерҙе. Кинйәләре Кәримдән башҡа бөтәһе лә башлы-күҙле тигәндәй. Кемелер институт, икенселәре техникум бөттө. Барыһы ла ҡалала ҡалды. Зоотехникка уҡыған улы Кәримдең дә Өфөлә төпләнеүенә тамсы ла борсолманылар. Шәмсинур балаларының ҡалала йәшәүенә ҡыуанып бөтә алмай. Йә, гөрләп торған колхоз бөтһөн дә ҡуйһын әле. Хәйер, ауылға ҡайтҡан сүрәттә лә, ҡайҙа зоотехник булып эшләһен. Бөгөн берәйһенә, анау урында гөрләп торған сусҡа фермаһы бар ине, тиһәң, биллаһи, ышанмаҫ ине. Меңәрләгән һарыҡ аҫралған ферманың таш һөлдәләре генә өңрәйеп тора. Уның ҡарауы, ҡарауһыҙ ятҡанды һелтәргә әҙер торған әҙәмдәр мулығып ҡалды. Ана, Хәсән шул ферманы ҡутарып алып, үҙенә арандай йорт һалып ҡуйҙы. Унан күрмәксе башҡалары тотондо. Ә йыйылыш һайын кем тиһәң, ул ҡулын һелтәй-һелтәй сығыш яһай, ауыҙы ла ҡыйшаймай, әҙәп, әхлаҡ тураһында хәбәр һөйләй. Шулай итәйек, былай итәйек тигән була. Тапҡан анһат кәсеп, имеш, эшҡыуар, тимер-томор йыя. Ҡайҙан нимәне һелтәргә белмәй темеҫкенеп йөрөгән ауылдың алкаштарына шул ғына кәрәк. Теге ваҡыт ней күршеләре ҡалаға киткән. Шуны ғына аңдып торған уғрылар мейесенең торбаһын ҡутарып алып киткәндәр. Юллап барһалар, әлеге лә баяғы Хәсәндең тимер-томор араһында ята, ти. Уныһы ла, ҡороғор нәмә, оялмай шундай әҙәмдәрҙән әйбер алып ятмаһа. Хәҙер урамда тас ултыртыр әмәл юҡ. Ҡайҙа әлүмин һауыт, ҡайҙа тағы нимә… Телевизорҙы асҡан һайын тегендә нимәлер асыла, бында нимәлер төҙөлә тип әйтһәләр ҙә, һай, ул үҙгәреш уларҙың яғында күҙәтелмәй. Әллә улар ғына әллә ниндәй ҡәһәрле төйәктә йәшәйме? Аңламаҫһың был донъяны! Ҡайҙалыр ауылдар төнөн дә ҡалалағы һымаҡ гөлт итеп тора тип яҙһалар ҙа, уларҙа, исмаһам, берәй һуҡыр лампочка янһасы! Ай, үҙгәрҙе ауыл, ай, үҙгәрҙе. Яҙлы-көҙлө урамдар йырып сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡҡа әүерелә. Әллә ниндәй заман тыуҙы. Уҡытыусылыҡҡа уҡыған ҡыҙы ла әлдә генә ҡалала ҡалған. Тоталар ҙа ябалар, тоталар ҙа бөтөрәләр. Балалар әҙ тигән булып, ун бер йыллыҡ мәктәпте башланғысҡа ғына әйләндерҙеләр. Ике ҡатлы дауахана ла медпункт ҡына булып ҡалды. Хәҙер әллә нисә кеше эшһеҙ йөрөй. Әйләнгән һайын шуны төҙөйбөҙ, быны астыҡ, әллә күпме кеше эшле булды, тиҙәр. Ул ниндәй бөтмәҫ йыйылыштыр ул. Етәксе тигән әҙәмдәр сит илдән ҡайтып керә белмәй. Кемде ҡарама, ҡыҫҡартыуға эләккән. Ярай ҙа уның балалары башы етеп, кемеһе өй һалып, кемеһе фатир алып өлгөрҙө. Кеше өҫтөндә йәшәгәндәр күп бит. Закун юҡ шул, закун. Ҡайҙа икән ул Сталин заманы! Анау Фәйрүзә әбей бер ус бойҙай өсөн ике йыл ултырып сыҡҡан. Ә хәҙер ҙур-ҙур заводтарҙы урлағандарға ла суртым да юҡ. Шәмсинур әбей шулай уйлай-уйлай Мораҡайға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Милиция участкаһы бикле ине. Ана килер, бына күренер тип, Шәмсинур уны күтәрмәлә шаҡтай ғына көтөп ултырҙы. Әмәлгә ҡалғандай, ҡояшы ла бөгөн рәхимһеҙ ҡыҙҙыра. Ҡатын сарсаны, яҡындағы магазиндан һыу барып алды. Ярай әле шул мәл ҡустыһы тейешле кеше килеп сыҡты, юғиһә, йәнә бик оҙаҡ ултырыр ине. Апаһы йомошон һөйләп биргәс, ҡустыһы: – Хәҙер бит элекке һымаҡ бында участковый юҡ, – тине. – Нисек инде юҡ? – Район үҙәгенә күсерҙеләр, участковый аҙнаһына бер тапҡыр килһә килә, килмәһә юҡ. – Кит, ни өсөн улайтырға булдылар икән? – Ҡатын ғәжәпләнеп ҡустыһына төбәлде. – Бығаса ишетмәгәйнемсе… – Ни өсөн тип ни, аңлашыла инде. Хәҙер бөтә ерҙә иканумыя. – Кит, ғибрәт! Бөтә донъяһы ҡороп бара лаһа. Аптырарһың был һөкәмәткә. Әллә уғрылар нығыраҡ урлашһын, алкаштар нығыраҡ һуғышһын тип шулай ҡыланалармы икән, ә?! Аптыраҡ. Эшләп торған нәмәне тот та бөтөрсө әле. Шуның менән күпме аҡса иканумит итмәксе булаларҙыр инде! Үҙҙәренә тигәндә бер нәмәһе лә йәл түгел. Хәҙер һарығым юғалыуы хаҡында кемгә хәбәр итергә һуң? Ярай әле ҡустыһында милиционерҙың кеҫә телефонының номеры булған. Власть башлығы район үҙәгенә килеп ғариза яҙырға кәрәклеген әйткәс, Шәмсинур әбей, унда ҡалайтып барайым, тота һалып ҡына сығып китергә яҡын ара ерме, бөгөн автобус көнө лә түгел, тип уйлап: – Ҡуй, балам, юҡҡа барып йөрөмәйем, – тигәйне лә милиционерҙың тауышы ҡәтғи яңғыраны. – Тимәк, уғрыны үҙегеҙ йәшерәһегеҙ. Был ҙур енәйәткә тиң. Уның өсөн шундай-шундай статья ҡаралған. Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә әбейҙең ҡото осто. Йөрәге дөпөлдәп йыш-йыш тибә башланы, башы әйләнде, аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды. Ҡан баҫымы күтәрелде, ахырыһы. Әбей саҡ йығылып китмәне, текмәгә тотоноп торҙо, шунан кеҫәһенән дарыуын алып ҡапты. Күҙ алдында милиционерҙың уҫал ҡарашы һынланды. Бына уны, ҡулын артҡа шаҡарып бәйләп, тимер рәшәткәле машинала төрмәгә алып барып тыҡтылар ҙа артынан шатырҙатып бикләп тә ҡуйҙылар… Ҡустыларына барып, бер аҙ ятып торғас, шәфҡәт туташын саҡыртып, укол ҡаҙатҡас, хәл ингәндәй булды. Шәмсинур әбей ауыл осона сыҡты. Моғайын, берәй үткенсе осрар әле. Тик, күпме генә көтмәһен, уны алып китерҙәй машина күренмәне. Һиңә кәрәктә тиҙ генә буламы ни ул! Бер сәғәт самаһы үткәс, саң-туҙан борҡотоп йөк машинаһы килеп туҡтаны. Уныһы ла район үҙәгенә түгел, ә ситтәнерәк үтә ине. Шулай ҙа ултырырға булды. Соҡор-саҡыр юлдан дөбөр-шатыр һелкетә-һелкетә машина алға ынтылды. Юл буйы көрһөндө, үҙен әрләне Шәмсинур әбей. Эй, Хоҙайым, ҡайҙан ғына шул бисәләрҙе тыңлай ҡуйҙым. Хәҙер йөрө бынауындай эҫелә әлһерәп, бер һарыҡ тип эт булып. Нимә-нимә, ишшеү бесән ваҡыты бит әле. Юҡҡа бабайымды тыңламаным. Бигерәк өтөк бит, хәҙер һәнәген бәргеләп бысихланалыр инде. Аҙаҡ уныһы, тауыҡ баш та фәлән дә төгән, тип әрләп теңкәмде ҡоротор. Саң-туҙанға батып, саҡ килеп етте Шәмсинур район үҙәгенә. Кешенән һораша-һораша эске эштәр бүлеген көскә эҙләп тапты. Тик участка милиционеры икенсе яҡҡа киткәйне. Дежур бүлектәге егет: – Оҙаҡламай килер, көтөгөҙ, – тине ҡоро ғына. – Ҡайҙа китте икән? – Һеҙҙең көнө буйы һуҙылып килгәнде көтһәң, бөтә донъяны енәйәтселәр баҫыр. Ана, күрше ауылда алкаштар берәүҙең өйөнә төшкән. Барҙың – ҡайттың түгел. Бына, үҙегеҙ иртәнән бирле килеп етә алмайһығыҙ. Ә бында һеҙҙең кеүек ялыусылар менән район тулған. – Мин ғәйеплелер шул. Автауыс булмағас, ни ҡылайым, йүгереп килер ер түгел. – Һеҙ мең сәбәбен табаһығыҙ инде. – Уй, Аллаҡайым... – Әбей үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә коридорҙағы эскәмйәгә барып ҡунаҡланы. Унда йәнә бер нисә кеше ултыра ине. Хәҙер килер тигәне бик оҙаҡҡа һуҙылды. Йөрәкһенеүенән ни эшләргә белмәне Шәмсинур әбей. Бер сәғәт үтте, ике, өс… Бындай мәлдә нисек йәнең сыҙап ултырмаҡ кәрәк. Тегеләй тапанды, былай тапанды. Ихатаға сығып та йөрөштөргөләне. Милиция кейемендәге һәр кемде үҙенеке түгелме икән тип уйланы. Бер нисә тапҡыр дежур милициянан һорашып та ҡараны. Бабайы аптырағандыр инде. Ул бит күрше ауылға тип кенә киткәйне. Аптырағас, йәнә ишек янындағы быяла менән көпләнгән бүлмәгә юлланды. – Балаҡайым, участкауай һаман юҡ та-һа. Исмаһам, шылтыратып белешһәңсе. Бында күпме көтөп ултырырға була? Беҙҙең дә донъя бар бит. Ҡасан килер икән, ә? – Әбей йөҙөнән үк битарафлыҡ бөркөлөп торған егеткә тилмереп баҡты. Былай ҙа кәйефһеҙ генә йәмрәйеп ултырған власть вәкиленә был оҡшаманы. – Ҡайҙан беләйем?! Бында һеҙ генә барҙыр шул. Үҙ әйберегеҙгә үҙегеҙ хужа булмайһығыҙ ҙа аҙаҡ бәлә һалып йөрөйһөгөҙ! – Хәҙер өс сәғәт үтте бит инде… – Башҡалар өс сәғәт кенә түгел, көнө буйы көтөп ултыра. – Тәртип һаҡсыһы йәнә ҡырыҫ ҡына яуапланы. Улына йәштәш егеттең шулай тупаҫ ҡыланыуына Шәмсинур әбейҙең хәтере ҡалды. Исмаһам, әҙәмсә һөйләшә лә белмәй бит, хәстрүш, тип уйланы эстән. Үҙҙәренең ауылынан арлы-бирле һигеҙҙе бөтөп, милицияла йөрөгән таныш-тоноштары иҫенә төштө. Береһе лә йүнләп эшләй алманы. Әллә йыйын шундайҙарҙы алалармы икән бында?.. Тағы бер сәғәт самаһы ваҡыт уҙҙы. Көн кискә ауышты. Шул саҡ теге бүлмә эсендәге егет килеп сыҡты. – Участковый бөгөн булмай, йәнә бер мөһим эш буйынса киткән. Иртәгә килерһегеҙ. – Иртәгә? – Эйе, эйе. – Ай, Аллаҡайым. – Шәмсинур әбей ауыр итеп көрһөндө лә теге егеткә барып ялбарҙы: – Ҡуй, балаҡайым, бер һарыҡ тип былайтып йонсоп йөрөмәйем. Ҡайтайым да китәйем. Хәҙер бесәнһеҙ ҡалабыҙ бит инде. Бабай ҙа һуҡрана торғандыр. Яман өтөк бит ул. – Ниндәй ҡайтыу ти ул! – Егеттең тауышы ҡаты сыҡты. – Бына бит һеҙ үҙегеҙ енәйәт ҡылаһығыҙ! – Ниндәй енәйәт ти, балам? – Ҡатын аптырап милиционерға ҡараны. – Һеҙҙең һарыҡты урлағандар, ә һеҙ үҙегеҙ шуларҙы йәшерергә маташаһығыҙ. Белгегеҙ килһә, был үҙе енәйәт тип атала. Уның өсөн шундай-шундай статья бар! – Ай, Аллам! – Әбей йәнә уфтанды. – Юҡҡа ғына бабайымды тыңламаным. Аҡҡа төшкәнсе буҡҡа төш, тип белмәй әйтмәгән әсәһе, мәрхүмә. Башҡаса был әҙәмгә һүҙ әйтеп тороуҙы кәрәк тапманы ҡатын. Барыһы ла бер сыбыҡтан ҡыуылған икән. Туғандарына эт арманһыҙы булып барып йығылды Шәмсинур әбей. Арыһа ла, тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Төнө буйы һаташып сыҡты. Таң алдынан манма тиргә батып баҫлыҡты. Күҙ алдында берсә һарыҡтар мөңрәште, берсә милиционер, һеҙ үҙегеҙ ғәйепле, тип төкөрөгөн сәсә-сәсә уларҙы әрләй. Иртәгәһен белгән доғаларын уҡый-уҡый, Хоҙайҙан эшенең тиҙ бөтөүен һорап, йәнә эске эштәр бүлегенә юлланды. Бәхеткә күрә, был юлы участковый урынында ине. Әбейҙең эсенә йылы йүгерҙе. – Ғариза яҙығыҙ, – тип уның алдына ҡағыҙ һалды. Унан тәфсирләп төпсөнә башланы. – Һарайығыҙҙан алып сыҡҡандар, тиһегеҙ инде. – Эйе. – Кистән үҙегеҙ бикләнегеҙме? – Эйе. -Мужыт онотҡанһығыҙҙыр? Йә иһә эттәр тамаҡлағандыр. – Юҡсы, ниңә онотайым, ти. Эшебеҙ шул булғас. Элек кенә ул мал бикләй белмәнек. Эттәр тиһегеҙме ул? – Әбей милиционерға текләп ҡараны. – Һарайҙағы малға нисек эт тейһен. Ике аяҡлы эттәр генә тамаҡлаған. Һуҡыр күрәҙә лә кәрәкмәй. – Әллә инде, белеп булмай. Ҡайһы берәүҙәр кистән мал-тыуарын апҡайтырға онота ла, аҙаҡ йөрөй бәлә һалып. Кемдән шикләнәһең? – Шикләнәһең тип ни, ҡулынан ғына тотмағас, кемде минауат итәһең инде... – Бына, мәҫәлән, ауылығыҙҙа кемдәрҙең урлаша торған холҡо бар? Шәмсинур әбей урамындағы барлыҡ кешене күҙ алдынан үткәрҙе. Яҙатайым берәйһен әйтерһең дә мәңге ҡан дошман булып ҡалырһың, тип уйланы. Анау, Сибәғәттең малайҙарының ғына эшелер, тип тә шикләнде. Шуларҙың ғүмер баҡый урлашыуҙан башы сыҡманы. Тик әллә ниндәй хаслыҡ ҡылыуҙары бар. Теге ваҡыт күршеләренең ҡаҙ булып бөткән бәпкәләре фис ҡырылып ятып үлде. Нимәгәлер һүҙгә килешкәндәр ҙә, шуның бисәһе ағыу һалған, имеш, тип һөйләнеләр. Атай-әсәйҙәренең холҡон әйтер инем, ғүмер баҡый балаларының йөгөнә керҙеләр. Балалары урлап алып ҡайтҡан тауыҡ-ҡаҙҙы бергә бешереп ашайҙар, ти бит. Урам башында йәшәгән Зәкиәнең айыу кеүек ике малайы ла бөтә донъяһын гөжөп йөрөй, тиҙәр. Уларҙың да ҡулы оҙон. Әсәләре менән бергә ҡушарлап эсеп йөрөгән бәндәләрҙән нимә көтәһең инде? Бапаҡ Ҡасимдың да балалары ла бит йыуған әҙәм түгел. Һанай китһәң, ауылда байтаҡ икән уғрылар. Башы төрмәнән сыҡмаған Мөхтәр ауылға ҡайтҡан, тиҙәр. Ул да ҡоро һыуға ғына туҡ булып йәшәмәйҙер. Әбей үҙенең уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте. Тирә-яғына ҡаранды. Тәүбә, тәүбә, тәүбә! Тфү, тфү, тфү. Унан уңлы-һуңлы төкөрөндө. Кеше-фәлән ишетеп ҡалмаһын. Аҙаҡ көн күрһәтмәҫтәр, урамға ла сыға алмаҫһың. – Әллә инде, – тип кенә яуапланы. – Нисек инде үҙегеҙҙең ауыл кешеләрен белмәйһегеҙ? – Беләм дә ул, ҡулынан тотмағас, кемде генә әйтәйем инде! – Һарығығыҙ ниндәй төҫтә ине? – Аҡ. – Нисә йәшлек? – Өс. – Нисә тапҡыр бәрәсләгәйне? – Биш. – Тамғалары бар инеме? – Бар инесе, нишләп булмаһын тей. Мин һарыҡтарыма һәр ваҡыт ҡып-ҡыҙылдан муйынсаҡ тағам. Ҡолағының ошо яғын киртеп тә ҡуйғайным. – Шәмсинур әбей үҙенең ҡолағының уң яғын тотоп күрһәтте. – Фотоһы бармы? – Һарыҡтыҡы тиһегеҙме? – Ҡатын, әллә яңылыш ишетәмме тип, ҡайтанан әйләндереп һораны. – Эйе, эйе. Әбей рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе: – Кит, ул һарыҡты кем кәртешкәгә төшөрөп йөрөһөн, кешелер шул! Былай ҙа йәмрәйеп ултырған егеттең асыуы килде. – Нимә ауыҙ йыраһығыҙ? Бында һеҙҙең менән уйнап ултырамдыр шул. Урлатаһығыҙ ҙа бәлә һалып йөрөйһөгөҙ. Әллә алып ҡайтмағанһығыҙҙыр. Кем белә! Бәлки, ирегеҙ һеҙ күрмәгәндә берәйһенә яртыға осорғандыр. Шулай ҙа була торған. Аҙаҡ йөрөй бисәләре, хаҡлыҡ даулап. – Юҡ, юҡ, ундай хәлдең мәңге булыуы мөмкин түгел, алтын минең Ғәбделем, алтын. Урлашыу түгел, алдап бер һүҙ әйтә белһәсе. Юҡ, юҡ, уның кешенең һуҡыр тин аҡсаһына ла тейәһе юҡ. Анау ваҡыт… – Шәмсинур ҡыҙып китеп йәнә ире тураһында әллә нимәләр һөйләмәксе булғайны ла, милиционер ҡулын һелтәп туҡтатты. – Бында һеҙҙең әкиәтте тыңлап ултырырға ваҡыт юҡ. – Участковый оҙаҡ ҡына тегенеһен-быныһын төпсөп-төпсөп яҙып алды. Унан “Бөтәһе лә дөрөҫ” тигән яҙыу урынына имза ҡуйҙыртты. Унан бөтәһенә лә өйҙә торорға ҡушып, бер нисә сәғәттән килеп етәсәген белдерҙе. Тау аҡтарғандай арып-талып ҡайтып йығылды әбей. Шулай ҙа иркенләп ял итеү форсаты юҡ ине. Сәй эсеп, бер аҙ хәл алғас, ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡтағы бесәнлектәге бабайы янына китте. Милиционер, ул да өйҙә булырға тейеш, тине. Теге көндә бабайы бесәндәрен йыйып бөтә алмағайны. Өҙлөкһөҙ ямғырҙан ни, ергә лыпа йәбешеп, ҡарайып бөткәйне шул. Бакуйҙарҙы әйләндереп, улай итеп, былай итеп, көскә бер сама киптергәйне лә, яңғыҙы әллә ни ырата алманы. Әбейенең һүҙен ишеткәс, ҡулындағы һәнәген әллә ҡайҙа олаҡтырҙы. – Әйттем бит мин һиңә, йөрөмә, тинем, – тип ярһыны. – Кеше бер нәмә әйтһә, етә ҡала. Ғүмер буйы үҙ аҡылың булманы. Айт тигәнгә тайт итергә әҙер тораһың. Ҡоро сыпранлап сығып китеүең. Киҫекһеҙ! Быға тиклем шул бесәнде өйөп ҡуя инек, онот булып бөтә ине. – Ғәбдел бабай әбейенә асырғанды. Унан күк йөҙөнә ҡарап: – Ямғыр ғына яуып ебәрмәһә ярар ине, – тип һөйләнде. Бабайы алдында үҙен ғәйепле тойған әбейе уға ҡаршы һүҙ әйтергә лә ҡурҡып торҙо. Бөгөн ул теге саҡ бабайының бер һүҙенә ҡаршы биш һүҙгә еткән Шәмсинур түгел ине. Бындай ваҡытта өндәшмәүең хәйерле, ыңғайына ғына торорға кәрәк. – Ҡуй инде! – Шәмсинур ҡулын ғына һелтәне. – Анау бисәләрҙе генә тыңлап харап булдым. – Әбейе өндәшмәгәс, ире лә ярһыманы. – Ярай инде, – тигән булды. Бер нисә сәғәттән килеп етермен тигән участковыйҙы, ана килә, бына килә, тип көнө буйы көттөләр. Йөрәкһегән Ғәбдел бабай, ваҡыт тиҙерәк үтер тип, әллә күпме эш бөтөрҙө. Ихатала бер өйөм утынды ярып ҡуйҙы. Унан һарайын таҙартып сығарҙы, ишек алдын һеперҙе. Һарай ишегенең таҡтаһын алыштырҙы, әтеү теге көндә уғрылар күгәнен аҡтарып алғанда сәрпәкләнеп ҡалған. Үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнде. – Кит, ғибрәт! Һаман юҡ. Ҡайҙан ғына шуларға бара ҡуйҙы, башҡа бәлә алып. Хәҙер бына бушҡа ваҡыт әрәм итеп йөрө инде. Ямғыр ғына яуып ебәрмәһен, бесәнебеҙҙе харап итер. Бөгөн шуны бөтөп ҡуйыр инек тәһә. Күренмәйҙәрме икән тип, бер ихатаға сығып, бер өйгә инеп йөрөгән Шәмсинур, ирен ишетһә лә, ауыҙ асып һүҙ ҡатманы. Эстән генә һыҙҙы. “Шул кәрәк һиңә, башалтай ауыҙ, икенсе тапҡыр шапылдамаҫҡа уңай булыр”, – тип үҙен үҙе әрләне. Йәнә бабайының аҙарынған тауышы ишетелде: – Шайлы кеше ни! Хәҙер шул һарығыңды милиционерҙарҙың үҙенә биреп ҡасырҙай булырһың! – Ай Аллам! – Хәҙер шуны өҙмәҫ тә ҡуймаҫ инде, тамам тәҡәтемде ҡоротор. – Шәмсинур тағы үҙ алдына һөйләнде. Уғрыларҙы әрләне. – Күргәнегеҙ, күрмәгәнегеҙ шул булһын! Берәүҙең дә кеше әйберен урлап мандығаны юҡ әле.Көн кискә һарҡты. Әммә участковый һаман күренмәне. Был шартларҙай булып тиреһенә һыйыша алмай йөрөгән Ғәбделдең асыуын ҡабартты ғына. Йоҡлап киткәнсе бер үк нәмәне өҙмәне лә ҡуйманы. Берсә әбейен игәне, берсә милиционерҙарҙы “беште”. – Тауыҡбаш! Нимә тип кенә шунда барҙың! Иртәгәһен көндөҙ генә пәйҙә булды ул. Ғәбдел менән Шәмсинур, ауыр бер эштән ҡотолған кеүек, еңел һулап ҡуйҙы. Ауыл кешеләресә генә ихласлыҡ менән Шәмсинур әбейҙең: – Иҫән-аман йөрөшмө, балаҡайым? Анау хәтлем юлдан даңғырлап килеп ҡорһағың асҡандыр, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, – тиеүен, өлтөрәп йөрөп табын әҙерләүен власть вәкиле әллә ишетте, әллә юҡ. – Апай, минең сәйләп ултырырға ваҡыт юҡ, уйнап йөрөмәйем. Әйҙәгеҙ, тәүҙә һарайығыҙҙы ҡарайыҡ, бурҙың эҙен алайыҡ, – тине ҡоро ғына. Унан сумаҙан һымаҡ нәмәһенән әллә ниндәй аппаратын килтереп сығарҙы. – Һарығығыҙҙы ҡайҙан алып сыҡҡандар? – Ошо һарайҙан. – Ҡайҙан ингәндәр? – Ишектән инде. – Шәмсинур апай һарайының ишеген күрһәтте. – Бында мин емерелгән урын күрмәйем, – тине, ғәжәпләнеп, милиционер. – Кисә яңынан эшләп ҡуйҙым бит, – тип яуапланы бабайы. – Нисек инде яңынан? – Участковый, әллә һин бөтөнләй иҫәрһеңме тигәндәй, аптырап бабайға төбәлде. – Мин һеҙҙең хатта һарығығыҙ булыуға шикләнә башланым. Нисек инде ул, тиҙәге юҡ, фотоһы юҡ. Был ниткән эш? – Милиционер берсә йорт хужаһына, берсә хужабикәгә ғәжәпләнеп ҡараны. – Һеҙҙең был эшегеҙ үҙегеҙгә ҡарата шик тыуҙыра. Ишекте яңынан эшләгәнһегеҙ, һарай эсен вис йыйыштырып алғанһығыҙ. Бында что-то не то. Эҙен ҡырып-һепереп алып бөткәнһегеҙ. Бәлки, һеҙҙең һарығығыҙ бөтөнләй булмаған, бәлки, бабайығыҙ берәй яҡҡа осорғандыр. – Ниңә һарығыбыҙ булмаһын ти! Һеҙ нимә? – Милиционерҙың бындай мөнәсәбәтен көтмәгән Шәмсинур әбей тағы бик күп һөйләр ине лә, участковый уны бүлде: – Етте! Бында мин һеҙҙең әкиәтте тыңлар өсөн килмәнем. Участковый бабайға өйгә инергә ҡушты. – Беҙҙең һөйләшкәнде тыңлайһы булма! Ишетһең ҡолағың! Уның өсөн махсус статья бар, – тип иҫкәртеп алырға ла онотманы. Унан әбейгә ҡарап: – Смәтри, дөрөҫөн һөйләгеҙ, әтеүһә, ялғанды һөйләгән өсөн дә беҙҙә хөкөм ҡаты, тине. – Һарығыңды көтөүҙән үҙең ҡаршы алып, һарайға үҙең яптым, тиһең инде, ә? – Шулай, шулай. – Яңылышмайһыңмы? Мужыт сит кешенекен индереп бикләп, улар һеҙгә әйтеп-нитеп тормай кире алып сығып киткәндер? – Атаҡ, үҙемдең малымды үҙем танымаҫҡа әллә! – Шәмсинур ғәжәпләнеп китте. – Тыуып, аҙна үтәме-юҡмы, бәрәстәремдең уң ҡолағына башҡа берәүҙекенә оҡшамаған ин һалам бит. – Бәлки, кисә, унан алда ла һарығығыҙ бөтөнләй ҡайтмағандыр, бәлки, һеҙ башҡа ваҡыт менән бутайһығыҙҙыр? – Бәсәк, бәсәк, нисек буталайым, ти. – Шәмсинур әбей аптырауынан тороп уҡ баҫты. – Аҡылым теүәл әле минең. Алтмыш йәштә үк алйып йөрөргә ней. Әсәйем туҡһанында ла үҙ аҡылында булды. – Мужывит ирегеҙ шым ғына берәйһенә осорғандыр? Ҡайһы берәүҙәрҙең шундай ғәҙәте була торған, аҙаҡ йөрөйҙәр әҙәм башын ҡатырып. – Һеҙ ҡыҙыҡ ҡына, ни өсөн үҙенең малы үҙе урлаһын, ти. Участковый унан йорт хужаһын саҡырҙы. – Ҡатынығыҙ һеҙҙән шикләнә... – Нимәне? – Ирҙең шулай тип һорауына тәртип һаҡсыһының күҙҙәрендә зәһәр осҡондар сәсрәне. – Ағай, башығыҙҙы иҫәргә һалмағыҙ! Һарығығыҙҙың юғалыуын ҡатынығыҙ һеҙҙән күрә... – Нисек инде минән? Үҙ малымды үҙем урлай буламмы? – Бабай ҡойолдо ла төштө. Ғәжәпләнеүҙән бер талай телһеҙ ҡалғандай булды. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды. Ошо йәшенә етеп уға бындай ҙа нахаҡ ғәйеп ташлағандары юҡ ине. Тәртип һаҡсыһы йомшарғандай итте. Йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күренде. – Ағай, бына нимә, беләһегеҙме, донъя булғас, төрлө хәлдәр осрай, дөрөҫөн генә һөйләгеҙ ҙә бирегеҙ. Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Ана күҙҙәрегеҙ үк мутлашыуығыҙ тураһында һөйләп тора. Беҙҙә закон үҙ ғәйебен танығандарға ташлама яһай. – Һеҙ ҡайһылай ҡыҙыҡ! – Ир бер үк һүҙҙе тылҡыны. – Ни өсөн мин үҙемдең малымды үҙем урлайым, ти. Бына ғәжәп! – Һеҙ шулаймы әле, власть вәкилен шулай алдарға маташаһығыҙмы? – Участковый «енәйәтсенең» баш осонда ҡулындағы дубинкаһын тегеләй-былай уйнатты. Бер үк нәмәне әйләндереп-тулғандырып ҡырҡ тапҡыр һорау алыу, яуап биреү оҙон көн буйы дауам итте. Унан участковый Шәмсинур менән Ғәбделде эйәртеп, ауыл урамы буйлап сығып китте. Юлда осраған ир-атҡа төрлө урында төрлөсә һорау яуҙырҙы: – Һарыҡты ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? Кемгә һаттығыҙ? – Күреп торғандар. – Һеҙҙең генә эшегеҙ, тиҙәр. – Һыйлы саҡта признаватса итегеҙ. Енәйәтегеҙ фашланһа, үҙегеҙгә хужы буласаҡ... Көтөүгә барып, саңлауҙа әлһерәп ятҡан һарыҡтарҙы берәм-һәрәм төрткөләп ҡарап, өркөтөп бөттөләр. Көн кискә һарҡҡанда ғына ҡайтыр юлға ыңғайлаған участковый, Ғәбдел менән Шәмсинурға ҡарап: – Повестка алыу менән тып итеп район үҙәгенә килеп етәһегеҙ! Закон шулай ҡуша! – тине. Көн буйы бесән сапҡанда ла былай уҡ арманһыҙ булып арымаған хужа күтәрмәгә барып ултырып, иркен тын алды. Шул мәл ҡапыл тирә-яҡ дөм ҡараңғылыҡҡа сумғандай булды. Ғәбдел бабай күк йөҙөнә ҡарағайны, ах итте, бөтә донъяны ҡара болот ҡаплап алғайны. Биш минут самаһы үттеме-юҡмы, күк күкрәп, шаулатып ямғыр ҡойорға тотонмаһынмы! – Килештерҙе! Былай булғас, бесән әҙерләнек! – Бабай асырғанып әйтте был һүҙҙе. Башҡа бер бәлә генә булды бит был һарыҡ. Бүтәнсә шул мәхлүкте аҫраһаммы! Ни тиклем генә арымаһындар, тиҙ генә әүен баҙарына китә алманы улар. Бер әйләнделәр, бер тулғандылар. Күҙҙәрен йомоуҙары була, берсә һарыҡтар мөңрәшә, берсә йәмрәйгән милиционерҙар таяҡтарын болғай-болғай һорау ала. Таң алдынан ғына серемгә киткән хужалар йәнә һаташты. Имеш, һарыҡтары һис юғалмаған икән, ә көтөүҙә аҙашып ҡалған да үрсеп китеп бөтә донъяға тулған. Тора-бара шул һарыҡтар милиционерҙарға әүерелде лә китте…
Балауыҙ — үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһында киң таралған юғары майлы кислоталарҙан һәм иң юғары молекулалы спирттарҙан торған ҡатмарлы эфир. Май шәм Кәрәҙ бал ҡорто балауыҙынан Йөкмәткеһе 1 Бал ҡорто балауыҙы 2 Кәрәҙ 3 Әҙәбиәт 4 Һылтанмалар 5 Иҫкәрмәләр Бал ҡорто балауыҙыҮҙгәртергә Эшсе ҡорттарҙың ҡорһаҡ аҫтында урынлашҡан балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығарған матдә; ул 200-ҙән ашыу төрлө матдәләрҙән һәм берләшмәнән тора.
Зөләйхә хатын ебәрҙе лә онотто. Аҙнанан ашыу ваҡыт үттеме икән, йәшнигендә аҡ ҡағыҙ күреп, алып ҡараһа, тағы ла хат, быныһы ла Гәрәйҙән. Шулай почта тиҙ йөрөймө икән, тип аптыранды эстән генә ҡатын. Теге аҙнала яҙғайны, шикелле, был аҙнала килеп тә еткән. Шылтыратһа ла булыр ине инде. Тәүҙә өй эштәре менән булып, хатты ситкәрәк алып ҡуйғайны. Йоҡлар алдынан, тағы иҫенә төшөп, ҡулына алды. Үҙенең дә йәше бара, һаулығы ла үҙе менән, тигән һымаҡ, иртәнсәк уҡырмын, тип эргәһенәрәк һалып ҡуйғайны, кем белә, әллә нә мәләрр яҙыуы бар, шунан ятырһың, йоҡлай алмайынса, ниңә уҡыным, тигән көнгә төшөп. Гәрәй былай ябай күренһә лә, ата-әсәһенең аяулы балаһы булғас, үҙен төрлөсә тота торғайны. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ Хикәйә Икенсе бүлек Ҡатын элекке иренең йөҙөн иҫкә төшөрөргә тырышты. Бәй, шыпа хәтерҙән юйылған түгелме һуң? Шулай онотолоп та бөттөмө икән ни? Әллә, магазинда танышҡайнылар, шикелле. Юҡ, саҡ ҡына ла иҫкә төшмәй. Инде ойоп киткәйне, төш күрҙе: эргәһенә Гәрәйҙең атаһы менән әсәһе килеп керҙеләр. Атаһы бик өндәшмәне, әсәһе кем икәнлеген күрһәтте инде. Ошонда ғына уйнап ултырған Гөлназға күрһәтеп: – Ошо ҡыҙыҡайҙы, Гәрәйҙең балаһы, тип әйтергә уйлайһыңмы? – тине ҡатын. – Эйе, улығыҙ үҙе белә, ул баш тартмай. Минең Гәрәйҙән башҡа бер кемем дә булманы. – Ҡайҙа, бир әле, яратып ҡарайым, – тине әсәһе. Олатаһы көлөп ебәрҙе: – Ҡара әле, әсәһе, һиңә өләсәй булыу килешә икән! Шунан, ултырып, сәй эстеләр бит әле. – Беҙ һиңә ҡаршы түгел, – тине өләсәһе, – бына, Гөлназ ҡыҙыбыҙ беҙҙе өләсәй-олатай итте бит. – Өләсәй, олатай, тиһегеҙме? Бәй, былар үҙҙеренең ейәнсәре менән киленен танынылар, түгелме һуң? – Бик ымһынып барма, – тине Гәрәйҙең әсәһе, – беҙ һеҙҙең никахты уҡытманыҡ, беҙ уны ҡабул итмәйбеҙ. Гәрәйҙең электән яратҡан ҡыҙы бар. Әнәс Фәнәүи улын беләһегеҙме? Мусиндарҙы? Беҙ шуларҙың ҡыҙын алабыҙ. Үәт! Ошолай төшө боларҙы ла китте Зөләйхәнең. Әле, уянғас та, уҡылмаған хат, әле күргән төшө һәм Гәрәй хаҡында байтаҡ уйланып ятты ҡатын. Шунан һуң түҙмәне. Хатты алып, конвертын асты ла уҡый башланы. “Һаумы, Зөләйхә! Мин һине, яуап яҙырһың, тип көтмәгәйнем. Бына, әле генә хатыңды алып уҡыным да, яуап яҙырға ултырҙым. Рәхмәт һиңә, Зөләйхә! Минең яҙмышым хәл ителгәндә, йәнем ер менән күк араһында осоп йөрөгәндә, мин һинең хаҡта уйланым һәм ҡыҙымды күҙ алдыма килтерергә тырыштым. Сөнки, әйләнеп ҡарағайным, тормош юлым тамамланыуға бара, ә артымда, һеҙҙән башҡа, мине һағынып һөйләрлек, мине иҫкә алырлыҡ кеше күрмәйем. Әсәйем менән атайымдың хыялын тормошҡа ашырам тип, улар һорағанса, бәлки талап иткәнсә лә булғандыр, миңә Мусиндарҙың ҡыҙына өйләнергә тура килде. Уның ҡыҙы үҫеүе, айырылып ҡайтыуы хаҡында, беҙҙең тормошобоҙ оҡшаш булғас, ҡуйыртыусы булманы. Ләкин мин, бер нисә ай йәшәгәс тә, беҙҙең берлектәге тормоштоң уңышһыҙлыҡҡа дусар ителеүенә төшөндөм. Сөнки ул ҡатын донъя көтөү, хужалыҡ ҡарау һәм башҡа мәшәҡәттәр менән шөғөлләнеүҙе үҙе өсөн түбәнселек һанай ине. Хатта хеҙмәтсе яллауы, үҙе теләгәнсә йәшәргә ынтылыуы беҙҙең йәшәйешебеҙҙе үҙгәртә алманы. Мин уны һинең менән сағыштырҙым һәм үҙемдең хаталаныуыма төшөндөм. Сөнки һинең менән йәшәгәндәге һымаҡ иғтибар, уңайлылыҡтар бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Мин шунда ғына һинең тәмле аштарыңды иҫкә төшөрөп, ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа мөхәббәте ашҡаҙан аша һынала, тигән ябай ғына әйтемдең мәғәнәһенә төшөндөм. Мин әле лә һинең бешергән аштарыңды, һинең миңә булған мөнәсәбәтеңде һағынам. Мин һине ни тиклем нығыраҡ һағынһам, һин минән шул тиклем нығыраҡ алыҫыраҡ китәһең һәм беҙҙең осрашыуыбыҙ, бергә яңынан ҡушылып йәшәүебеҙ мәңге тормошҡа ашмаясаҡ хыялға әүерелә. Шуға миңә хат яҙыуың, иғтибарыңдан төшөрөп ҡалдырмауың өсөн рәхмәт! Һинең яҙғандарыңды мин ҡат-ҡат уҡыйым. Хатта тәүгеһендә илап та алдым. Ни өсөн илағанмындыр, үҙем дә белмәй ҡалдым. Бәлки мин йәшлеккә ҡайтҡан һымаҡ булғанмындыр. Тәүҙә шылтыратырға тағы ла уҡталғайным, телефон аша һөйләшеүгә ҡарағанда, үҙемдең теләктәремде, кисергәндәремде аҡ ҡағыҙ ярҙамында еңелерәк еткерермен кеүек тойолдо. Белмәйем, был юлдарҙы ниңә яҙамдыр. Бәлки һин хатымды, быға нимә кәрәк икән, тип йыртып ташларһың һымаҡ итеп тоям. Уҡымаһаң да, йыртып ташлаһаң да, һинең хаҡың бар. Тик ни өсөн сығып киткәнемде генә хәтерләмәйем”. Зөләйхә хатты ырғытып уҡ ебәрҙе. Шул, элекке Гәрәй икән. Ни өсөн сығып киткәнемде оноттом, тигән бит әле. Бәлки һин мине ҡыуып сығарманыңмы ул, тип ишетергә теләмәйҙер ҙә инде? Зөләйхә, үрелеп алып, хатты яңынан уҡып сыҡты. Биш тин аҡса һымаҡ, ябай ғына фекерҙәр. Хат юлдары артында бер ниндәй кинәйә лә, ишара ла тойолмай. Ә былай дөйөм хәленә килгәндә, яҙмышы уйланырлыҡ, хатта ғибрәтле һымаҡ. Хәҙер нисәмә йылдар сауҙа нөктәһендә эшләгәс, Зөләйхәнең күҙе лә, күңеле лә үткерләнгән. Футбол яланы ҙурлыҡ сауҙа үҙәгенә килеп ингән һәр бер һатып алыусыны, тип әйтерлек, танып белә. Танымай, күбеһе ошонда йәшәй. Ашамайынса булмай. Ҡайҙа китһендәр, ошонда киләләр инде. Һатып алыусылар ҙа төрлөсә була бит. Береһенә – ашарға, икенсеһенә – эсергә, өсөнсөһөнә урлашырға кәрәк. Шулай икеле-микеле уйҙар менән уйланып йөрөнө Зөләйхә. Ләкин элекке иренә нимә кәрәклегенә, барыбер, төшөнә алманы. Ярай, дауаханала ятып сыҡҡанын белде, үпкә елләтеп ятыуы ла еңел булмағандыр. Ә ул операциянан һуң ни үле-ни тере ятҡан сағында, эргәһендә берәйһе булдымы? Операцияға әҙерләр алдынан, аҙаҡ эргәгеҙҙә ултырырлыҡ берәр кеше кәрәк, тигәс, бер кемем дә юҡ бит әле, тигәс, табиптар үҙҙәре ҡараны. Ни хәл итәһең, һәр кешенең яҙмышы үҙе менән. Ә хатын яҙырға кәрәк. Ә нимә тип яҙыр икән? “Һаумы, Гәрәй! Һинең икенсе хатыңды алғас, йәш саҡтар иҫкә төшөп китте. Тик һуңғы тапҡыр кемгә һәм нимә хаҡында яҙғанымды иҫләмәйем. Һин яҙған хатты ла ҡат-ҡат уҡыһам да, һиңә нимә кәрәклегенә, ни өсөн хат яҙыуыңа төшөнә алманым. Һуңынан, асыҡланыуынса, һин беҙҙең бергә икәүләп, хатта өсәүләп төшкән фотоларыбыҙҙы ла алып киткәнһең икән. Мин инде быныһын һис тә көтмәгәйнем. Һин фотоларҙы түгел, беҙҙе бәйләп торған бәләкәй-бәләкәй генә шаһиттарҙы ла үҙең менән алып киткән һымаҡ тойолдо. Ул фотолар хәҙер юҡтыр инде ул. Мин белгән Гәрәй һаҡсыл кеше түгел ине. Шуға, әсәйеңдең, йә ҡатыныңдың, фотоларҙы табып, юҡ итеүенә шикләнмәйем. Ә мин артҡа боролоп ҡарайым да, үҙемдең атайым менән әсәйемдән, ҡыҙым Гөлназдан башҡа, бер кемде лә күрмәйем. Әйтерһең, башҡалар минең тормош юлымда осрамаған, мин уларға кәрәк булмағанмын. Бәлки шулай яҡшыраҡтыр? Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙҙең хатлашыу нимә менән тамамланыр икән?” Зөләйхәнең үҙенә лә ҡыҙыҡ тойолдо. Хатын яҙып бөттө лә почта йәшнигенә һалып китте. Автор:Ралиф Кинзябаев Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Тохти музат түрмигә қамалғандин кейин, чәтәлләрдики уйғур тәшкилатлиридин дуня уйғур қурултийи, японийә һөкүмити вә хәлқарадики кишилик һоқуқ тәшкилатлири хитай һөкүмитидин тохти музат әпәндини қоюп беришни тәләп қилип һәр хил паалийәтләрни давамлаштурған иди. 2009-Йили 10-февралда йәни бирләшкән дөләтләр тәшкилати кишилик һоқуқ кеңиши хитайниң кишилик һоқуқ хатириси үстидин тәкшүрүп елип бериватқан мәзгилдә, у муддәттин бир йил бурун түрмидин қоюп берилгән. Мәрһум тарихчи тохти музат уйғур тарихиға даир “уйғур тарих мәдәнийәт тәтқиқати”, “оттура әсир уйғур җәмийити һәққидә тәтқиқат”, “оттура әсир уйғур тарихи һәққидә тәтқиқат” қатарлиқ сәмәрилик әмгәклири билән тонулған тәтқиқатчи иди. Иҗтимаий таратқулардики учурлардин мәлум болушичә, тохти музат әпәнди 2009-йили хитай түрмисидин қоюп берилгәндин кейин, хитай һөкүмити униң японийәгә қайтип аилиси билән җәм болушиға йол қоймиған. 10 Йиллиқ түрмә һаятидин кейин тохти музат әпәнди бейҗиңда һөкүмәт даирилириниң тәқибий астида тарих тәтқиқати вә илмий әмгикини давамлаштурған. Униң әһвалини йеқиндин билидиғанларниң язған инкаслиридин мәлум болушичә, у “қәдимки уйғур қанун вәсиқилири һәққидә тәтқиқат”, “қәдимки уйғур мәдәнийити һәққидә тәтқиқат”, “тарихий рәшидидин кейинки 300 йил” қатарлиқ әмгәклири үстидә җиддий ишләватқан болуп, әмма рәһимсиз әҗәл наһәқчиликләрни йәткүчә тартқан бу илим саһибини өз әмгәклирини тамамлимай туруп аримиздин елип кәткән. Бүгүн фейсбок қатарлиқ иҗтимаий учур васитилиридә мәрһумниң вақитсиз өлүмигә қарита қайғулуқ тәзийә, чоңқур ечиниш инкаслири йезилиш билән биллә униң сирлиқ өлүмигә қарита гуманий қарашларму оттуриға қоюлди. Бу инкасларда мәрһумниң уйғур тарихи тәтқиқатидики илмий әмгәклири, 1998-йили феврал ейида японийәдә уйғур тарихи тәтқиқати һәққидики китаби үчүн материял топлаш үчүн үрүмчигә кәлгән мәзгилидә, хитай дөләт бихәтәрлики сақчилири тәрипидин тутқун қилинип, “дөләт мәхпийәтликини оғрилаш” җинайити билән әйиблинип 12 йиллиқ қамақ җазасиға һөкүм қилинған мәзгилдики әһваллар,2009-йили хәлқараниң қаттиқ бесими билән хитай түрмисидин җаза муддитидин бир йил илгири қоюп берилгәндин кейин хитай һөкүмитиниң тәқибий астида тарих тәтқиқатини давамлаштуруп кәлгән һаяти вә туюқсиз йүз бәргән сирлиқ өлүми һәққидики пәрәзләр оттуриға чиқти. Тарихчи тохти музат хитай түрмисидә ятқан мәзгилләрдә униң қоюп берилиши үчүн паалийәт елип барған чәтәлләрдики сиясий паалийәтчиләр вә уйғур зиялийлиридин дуня уйғур қурултийиниң иҗраийә һәйәт мудири долқун әйса әпәнди вә шиветсарийәдики уйғур зиялий абдушүкүр әпәндиләр радиомиз зияритини қобул қилип, тохти музат әпәндиниң туюқсиз өлүмигә болған қайғуси, қаттиқ ечиниши вә гуманий қарашлирини оттуриға қойди. Юқиридики аваз улинишидин тәпсилатини аңлиғайсиләр. Мунасивәтлик хәвәрләр Қанун Уйғур зиялийлири: мәрһум тарихчи тохти музат учриған һәқсизлиқлар униң һаятиға замин болди Германийә кишилик һоқуқ гуруһи хитайни уйғур сиясий дилолирида өз қануниға хилаплиқ қилиш билән тәнқид қилди Көп көрүлгән хәвәрләр RFA Үрүмчидики от апитидә қаза қилған қәмәрнисахан абдураһман аилисниң паҗиәси “уйғур сиясити қанун лайиһәси” мутләқ үстүн аваз билән мақулланди Үрүмчидики сақчи хадимлири от апитидә ишиккә селинған қулупниң өлүм санини ашурғанлиқини етирап қилди Җәнубий австралийә парламенти д у қ һәйитигә бир қатар вәдиләрни бәргән Б д т аз санлиқ милләтләр мәсилиси мунбирида уйғур мәсилиси кәскин риқабәткә сәвәб болди Пикир қошуң Радиониң ишлитиш шәртлиригә асасән, пикирлириңиз тәкшүргүчиләр тәрипидин тәстиқлиниши вә мувапиқ дәриҗидә тәһрирлиниши түпәйли, тор бәттә дәрһал пәйда болмайду. Сиз қалдурған мәзмунға әркин асия радиоси җавабкар болмайду. Башқиларниң көз қариши вә һәқиқәткә һөрмәт қилишиңизни сораймиз.
Красноусолдағы "Миләшкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн ГТО нормативтарын үтәү ҙур ваҡиға булды. Кескәйбеҙ тип торманылар! Кескәйҙәрҙең юғары һөҙөмтәләргә ынтылышы барыһын да хайран итте! Уларҙың һәр береһенә үҙҙәренең ни тиклем көслө, һығылмалы һәм етеҙ икәнен белеү бик ҡыҙыҡ булды. Иң яҡшыларға Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды. ГТО-ның беренсе баҫҡысы алынды! Алда һеҙҙе тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көтһөн! Кескәйбеҙ тип торманылар! Автор:Гульдар Кинзябаева Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Бөгөн Рәсәй өсөнсө тапҡыр Ватан Геройҙары көнөн билдәләй. Был өр-яңы иҫтәлекле даталарҙың береһе календарҙа 2007 йылдың 28 февралендә, ул саҡтағы РФ Президенты Владимир Путин ярашлы федераль законға ҡул ҡуйғандан һуң, барлыҡҡа килде, һәм шул ваҡыттан алып “Рәсәйҙең Хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында”ғы Федераль законда билдәләнә. Иҫтәлекле дата сифатында 9 декабрь шуның өсөн һайлана: тап ошо көндө (иҫке стиль буйынса 26 ноябрь) 340 йыл элек император Екатерина II Еңеүсе Изге Георгий орденын булдыра, уның менән яуҙа ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән яугирҙарҙы наградлайҙар. 1917 йылға тиклем был көндө Рәсәйҙә Георгий кавалерҙары байрамы билдәләнә. Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр. Ватан Геройҙары көнө хәрби батырлыҡтар һәм Рәсәй армияһы Геройҙары тарихын берләштерергә, йыш ҡына үҙ ғүмерен фиҙа ҡылып, Тыуған иле хаҡына батырлыҡ яһаған кешеләр хаҡында хәтергә төшөрөргә тейеш. Башҡортостан энциклопедияһында 305 Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙарының, 37 Дан ордендарының тулы кавалерының исемдәре бирелгән, улар йә республика биләмәһендә тыуған, йә унда йәшәп киткән, йә демобилизацияланғандан һуң килеп төпләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Башҡортостанда ике генә Советтар Союзы Геройы ҡалған – улар отставкалағы майор Тазетдин Баһауетдин улы Ғиләзетдинов һәм отставкалағы полковник Александр Степанович Пикунов. Икеһе лә Өфөлә йәшәй. Автор:Николай Ермоленко Теги:иҫтәлекле даталар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Ҡайһы бер райондаштарыбыҙ ҡышҡы тәгәрмәстәрен октябрь баштарында уҡ ҡуйҙыртып алһа, бәғзеләре көндәрҙең ныҡлап һыуытыуын көтә. Һауа торошона фараздарҙы иҫәпкә алып, ошо көндәрҙә шиномонтаждарға халыҡ күпләп мөрәжәғәт итә. Хатта сират йыйылып китә. Район үҙәгендә ниндәй шиномонтаждар эшләй һәм уларҙа хаҡтар нисек? Ә һеҙ тәгәрмәсегеҙҙе алыштырҙығыҙмы? Көҙ етеү менән һәр автоһәүәҫкәр алдында тәгәрмәсте ҡайһы ваҡытта алмаштырырға тигән һорау тора. Белгестәрҙең дөйөм тәҡдимдәре буйынса һауа температураһы +5 градустан түбән була башлаһа, алмаштырырға мәл етте тигән һүҙ. Нияз Намаҙбаевтың Салауат урамында урынлашҡан «Дакар» шиномонтажы 2018 йылдан алып эшләй. Тәгәрмәстәр һатыу, алыштырыу, ремонтлау сервистары тәҡдим ителә. Һатыуҙағы тәгәрмәстәр 2850 һумдан башлана. Уларҙы миҙгелле алыштырыу 13 размерға 600 һумдан, 14 размерға 700 һумдан башлана. Шиномонтаж хужаһы әлеге мәлдә хеҙмәттәр теҙмәһен киңәйтеү, бинаны ҙурайтыу буйынса эштәр башҡара. Станислав Черновтың «Автойыуыу» хеҙмәте янында урынлашҡан шиномонтажы халыҡты 2021 йылдан хеҙмәтләндерә. Тәгәрмәстәрҙе алыштырыу 13 размерға 560 һумдан, 14 размерға 600 һумдан башлана. Шулай уҡ уларҙа автомобилен йыуҙырған клиенттар өсөн шиномонтажға ташламалар ҡаралған. Динис Мөнировтың Баҙал биҫтәһенең Мәсем урамында урынлашҡан автосервисында ла тәгәрмәстәрҙе миҙгелле алмаштырыу хеҙмәте бар. Хаҡтар 600 һумдан башлана. 2017 йылда асылған автосервис автомобилдең йөрөү өлөшөнә, двигателенә ремонт эштәре башҡарыу менән шөғөлләнә. Айнур Юлсуриндың М. Ғафури урамында урынлашҡан автосервисында тәгәрмәстәр алыштырыу 400 һумдан башлана. Автосервис 2007 йылдан алып эшләй. Автомобилдең йөрөү өлөшөнә, двигателенә ремонт эштәре башҡаралар, тағы ла диагностика эшләү, тәгәрмәстәрҙең ауышлыҡ мөйөштәрен көйләү (развал схождений) хеҙмәттәрен күрһәтәләр. Рафаэль Тимерәйевтың Матросов урамында урынлашҡан шиномонтажында ла тәгәрмәстәрҙе алмаштыртып ҡуйҙырырға була. Хаҡтар 500 һумдан башлана. Шиномонтаждарҙың барыһында ла тәгәрмәстәрҙе ысҡындырыу, йыуыу, балалансировкалау, кире ҡуйыу өсөн айырым хаҡтар ҡаралған. Дискыларҙың төрө лә иҫәпкә алына. Тәгәрмәстәрҙе алыштырыу миҙгелгә бәйле генә башҡарыла торған эш түгел, тип белдерә белгестәр. Уны башҡарыу өсөн тағы ла кәмендә биш сәбәп бар. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ. Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлы тураһында яҙып сыҡты. “Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында иң әһәмиәтле юлдарҙың береһе – Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлын һалыуҙы дауам итәбеҙ. Хәҙер сиратта – яуым-төшөм улаҡтары һәм таҙартыу ҡоролмалары. Дыуан һәм Ҡариҙел райондарында һыу үткәргес торбалар монтажланды, аркалы ете күпер һалынды, 35 километрҙан ашыу юлға асфальт түшәлде. Юлдың дөйөм оҙонлоғо – 60,9 километр. Ул республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышын үҫтереүгә йүнәлтелгән иң ҙур төбәк проекттарының береһен тәшкил итә. Һөҙөмтәлә республиканың үҙәк райондары менән ышаныслы һәм уңайлы транспорт бәйләнеше барлыҡҡа киләсәк, М5 һәм М7 федераль трассаларына, Яңауыл тимер юл станцияһына һәм Бөрө, Дүртөйлө йылға порттарына сығыу мөмкинлеге артасаҡ. Графиктан артта ҡалған мәлдәр ҙә булды, ләкин беҙ барыһын да ваҡытында яйға һалдыҡ. Яңы юлда ике – һәр яҡҡа берәр – һыҙат буласаҡ. Ҡатмарлы биләмәләрҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн өс һыҙатлы участкаларҙы ла күҙ уңында тоттоҡ. Юлда хәрәкәтте 2022 йылдың декабрендә асырға ниәтләйбеҙ. Барығыҙға ла уңыштар!” – тип яҙған Радий Хәбиров. Фото: vk.com/radiyhabirov Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov Иң әһәмиәтле юлда эш дауам итә Автор:Лилия Давлетбакова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Сибай ҡалаһының “Тыныслыҡ” ижад йортонда виртуаль концерт залы асылған. Бында заманса мультимедия ҡорамалдары – проектор, киң форматлы экран, акустик система, микрофон – ҡуйылған, юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән. Хәҙер сибайҙар йәшәгән ҡалаларынан сыҡмай ғына иң яҡшы симфоник музыка концерттарын ҡарай һәм тыңлай аласаҡ.#нацпроект #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан Сибай ҡалаһының “Тыныслыҡ” ижад йортонда виртуаль концерт залы асылған. Бында заманса мультимедия ҡорамалдары – проектор, киң форматлы экран, акустик система, микрофон – ҡуйылған, юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән. Хәҙер сибайҙар йәшәгән ҡалаларынан сыҡмай ғына иң яҡшы симфоник музыка концерттарын ҡарай һәм тыңлай аласаҡ. #нацпроект #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан Сигнал Мәскәү дәүләт филармонияһынан киләсәк. Виртуаль концерт залы асылған көндө ҡунаҡтар өсөн Е.Ф. Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфония оркестры башҡарыуында Шопен һәм Чайковский әҫәрҙәре яңғыраған. Барыһы ла тауыштың таҙалығын һәм яҡшы сифатын билдәләгән. Виртуаль концерт залы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған. Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Балтас районының 2-се дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 "а" класы уҡыусыһы Динара ТАЛИБОВА "Урал Батыр" эпосынан өҙөк уҡый -24 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Дөйөм мәҡәләләр 21 Октябрь 2020, 13:50 Балтас районының 2-се дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 "а" класы уҡыусыһы Динара ТАЛИБОВА "Урал Батыр" эпосынан өҙөк уҡый Төбәктә үткән Шәжәр байрамында балалар төрлө сығыштар менән ҡатнашты. Видеоны "Бәйләнештә" социаль селтәрендә ҡарарға мөмкин. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбеләге Шәйехзада Бабич исемендәге 15-се ҡала китапханаһында танылған башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһе асылды. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, күргәҙмәлә авторҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ уның ижады хаҡында китаптар урын алған. 18 ғинуарҙа башҡорт совет әҙәбиәте классигы Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 105 йыл тулды. Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылында указлы мулла ғаиләһендә тыуған. Әҙәби белем алыу теләге уны Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙәбиәт факультетына алып килә. Тап юғары уҡыу йортонда белем алған ваҡытта шағирҙың шиғри һәләте асыла. Ошо йылдарҙа ул «Мәскәү», «Өс йыр», «Республика иртәһе», «Һәйкәл» шиғырҙарын, «Шоңҡар» поэмаһын яҙа. Әҫәрҙәре Ғ.Сәләм псевдонимы аҫтында донъя күрә. 1932 йылда «Тревога» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 1937 йылда Башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1938 йылда Ғ.Сәләм СССР Фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға ебәрелә. Бында ул менингит менән сирләп китә һәм 1939 йылдың 19 июнендә вафат була. Теги:башҡорт әҙәбиәтекүргәҙмә Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Күҙегеҙгә сүп керһә, берүк ыуалай күрмәгеҙ. Өҫкө күҙ ҡабағын аҫҡыһына таба тартығыҙ. Шулай эшләгәндә күҙҙән йәш сыға һәм ул сүпте йыуып сығара. - Аяғығыҙҙы көҙән йыйырғанда, бер ҡулығыҙ менән аяҡ бармаҡтарығыҙҙы тотоғоҙ һәм үҙегеҙгә таба тартығыҙ. Икенсе ҡулығыҙ менән аяғығыҙҙы теҙҙән тубыҡ һөйәгенә таба ышҡығыҙ. - Ҡандарында холестерин күп булған кешеләргә грек сәтләүеге ашарға кәңәш ителә. - Күҙ төбөгөҙ күгәрһә, шул урынға тиҙерәк боҙ һалынған пакет ҡуйығыҙ. Әгәр боҙ булмаһа, буш булмаған ҡалай консерва банкаһы ла ярай. - Астма яфалағанда ҡуйы ҡәһүә ярҙам итә. - Әгәр яраланһағыҙ, бер төймә стрептоцитты төйөгөҙ ҙә, уға бер нисә тамсы йод тамыҙығыҙ һәм яраға ҡуйығыҙ, ярағыҙ күҙ алдында төҙәлер. - Анар (гранат) һуты эсегеҙ. Ул ҡан тамырҙарын һәм йөрәк мускулдарын нығыта, артерия баҫымын төшөрә, ҡанды таҙарта, һалҡын тейеүҙән һаҡлай - Бик тә борсолған саҡта, бер стакан ҡайнар һөткә сей йомортҡа һарыһы һалып туғлағыҙ. Шул ҡатнашмаға бер аҙ шәкәр һалып, ашыҡмайынса ғына эсегеҙ. - Теш һыҙлағанда ауыҙығыҙҙы ҡыҙыл сөгөлдөр менән сайҡағыҙ, һутты ауыҙҙа мөмкин ҡәҙәр оҙағыраҡ тоторға тырышығыҙ. - Ҡан баҫымы юғары булғанда, көнөнә 3 ҡалаҡ бойҙай ашағыҙ (йыуып, бешермәйенсә). - Тештәрегеҙҙе аҙнаһына ике тапҡыр аш содаһы һәм тоҙ ҡатнашмаһы менән таҙартһағыҙ, ағарып китер. - Күҙҙең ҡыҙарыуын бөтөрөү өсөн, йомолған күҙҙәргә һалҡын ҡыяр телемдәре йәки ҡаты сәй, үлән төнәтмәләрендә (ромашка, бөтнөк, шалфей йәки йүкә сәскәһе) сылатылған мамыҡ ҡуйығыҙ. Әлеге төнәтмә 1 стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы үлән сеймалы һалып әҙерләнә. - Күҙ йәшләнеүҙән зәңгәр сәскә (василек) төнәтмәһе ярҙам итә 1 ҡалаҡ сәскәгә 500 мл ҡайнар һыу һалып, 1 сәғәт төнәтегеҙ, һыуынғас һөҙөгөҙ һәм күҙгә компресс рәүешендә ябығыҙ. - Төрлө үләндәр ҡатнашмаһы ла ҡулланырға мөмкин: 1 ҡалаҡ аҡ әнисте 1 стакан һыуҙа 20 минут ҡайнатығыҙ ҙа, шуға берәр балғалаҡ баҡа япрағы, зәңгәр сәскә, күҙ үләне ( очанка) ҡушып, 12 сәғәт төнәтегеҙ һәм һөҙөгөҙ. Көненә 3 мәртәбә күҙгә 3-4-әр тамсы тамыҙығыҙ. - Күҙ йәшләнгәндә, күҙҙе көнөнә 2-3 мәртәбә тары ярмаһы ҡайнатҡан һыу менән йыуыу һөҙөмтә бирә. - Сәс һына, ҡойола башлаһа, сәс төбөнә тоҙ ышҡығыҙ ҙа, йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. 5-6 тапҡыр шулай эшләгеҙ. Процедураны аҙнаһына 2-3 мәртәбә ҡабатларға кәрәк. 2 аҙнанан сәстең нығынғанын, яҡшырғанын тойорһоғоҙ - Ирен тиреһе ҡороп ярылһа, көнөнә бер нисә мәртәбә ҡыяр һуты һөртөгөҙ. Йоҡлар алдынан иһә бал һөртөгөҙ. 15 минуттан йыуып төшөргәс, туҡландырыусы крем ҡулланығыҙ. 1 сәй ҡалағы эремсеккә шул уҡ күләмдәге кишер һуты ҡушып болғатыу һәм 20 минутҡа иренгә һөртөп тороу ҙа зыян итмәҫ. - Үҙеңде ярты сәғәттә тәртипкә килтереү өсөн, иң элек контраст душ керергә кәрәк. Йылы һыу тәнде йылытһа, һалҡыны барлыҡ нерв күҙәнәктәрен уята. - Кәйефте ҡара шоколад күтәрер. Унда бәхет гормондары бар. - Ҡолаҡҡа массаж яһарға була. Уның өсөн ҡолаҡтың йомшағын ышҡырға кәрәк. - Күҙ төбөндәге «түңәрәктәр»ҙән ҡотолорға бәрәңге ярҙам итер. Йәшелсәне ҡырғыстан сығарып күҙ ҡабағына ҡуялар. Бының өсөн пакетлы сәйҙе лә ҡулланырға була. - Майланған сәсте 1:1 иҫәбендә һыу ҡушылған лимон һутында сылатылған щетка менән тараһаң ялтырап тормаҫ. - Тәмләткестәр ҡушылған ризыҡ еҫе оҙаҡ һаҡлана. Уны күпме ашаған булыуға ҡарап, тештәрегеҙҙе ни тиклем таҙартһағыҙ ҙа, ауыҙҙағы еҫ 24 сәғәт буйына һаҡланырға мөмкин. Шулай уҡ оҙаҡ ашамай торғандан да ауыҙҙа еҫ барлыҡҡа килергә мөмкин. Ауыҙҙан килгән насар еҫте бөтөрөү өсөн петрушка, ҡәнәфер, әнис кеүек тәмләткестәр һәм үҫемлектәр сәйнәү файҙа бирә. Әгәр ауыҙҙан еҫ оҙаҡ ваҡыт килә икән – был шикле сигнал, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, урт, ашҡаҙан, эсәк һәм ҡайһы бер башҡа ауырыуҙар булырға мөмкин. Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне. Фото Интернеттан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Биләмәлә эштәр нисек бара, мобилиза-цияланғандарҙың ғаиләләре менән бәйләнеш ни кимәлдә - урындағы башлыҡ менән әңгәмә ошо хаҡта. Берҙәм булыу мөһим ти Тимер ауыл хакимиәте башлығы Фазыл Сәләхетдин улы Ҡолдобаев Эйе, оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә – шул, тигәндәй, биш ауылды берләштергән биләмәгә лә, 149 хужалыҡта йәмғеһе 491 кеше йәшәгән, улар ҡулында 55 “тимер ат” – трактор, 16 йөк машинаһы, 4 тағылма, 71 автомобиль һәм 3 мотоцикл булған Тимер кеүек бер ауылдан ойошҡан хакимиәт биләмәһенә лә – бер үк талап, бер үк закон, бер үк бурыс һәм яуаплылыҡ. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 45-се һанында уҡығыҙ. Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Ниғмәтуллина "Үҙәк Азия таланттар эҙләй" халыҡ-ара конкурсының финалына сыҡты. Конкурсты ойоштороусылар һәм продюсерҙар Әлфиәнең сығышын юғары баһаланы, айырым иғтибар, рәхмәт белдерҙе. Йырсы жюри ағзаларын, тамашасыларҙы ғәжәйеп тауышы ғына түгел, тәбиғәт тауыштарын имитациялай белеүе менән дә хайран ҡалдырҙы. Быйыл конкурстың һайлап алыу турында Азия илдәренән дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашты, проектта Әлфиә Рәсәйҙән берҙән-бер ҡатнашыусы булды. Яҡташыбыҙға быйыл майҙа үтәсәк “Үҙәк Азия таланттар эҙләй" конкурсы финалында ла уңыштар теләйбеҙ. Белешмә: "Үҙәк Азия таланттар эҙләй" халыҡ-ара шоуы – Үҙәк Азияның биш илен – Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Азербайжанды берләштергән проект. Шоуҙың һайлап алыу туры Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында, ярымфинал март айында Алматыла үтте. Сығанаҡ һәм фото: “Культурный мир Башкортостана”. Автор:Гөлдәр Яҡшығолова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
*Янған, күгәргән ерҙәрҙе, яраларҙы бөтөрөү өсөн, япраҡтарынан бутҡа яһап, сирле ергә һылап, бинт менән бәйләргә. 2-3 сәғәттән бәйләместе (повязканы) алыштырырға. * Артрит, артроз 10-15 япраҡтың һутын һығып, быуындарға йоҡо алдынан һөртөргә. * Тонзиллит 10 япраҡ һутын һығып, 200 мл һыу ҡушып, тамаҡты көнөнә 3-5 тапҡыр сайҡатырға. * Ирендәге герпес Бер нисә япраҡтың һутын һығып, 30 минут һайын герпесҡа һыларға. Һутты мамыҡҡа һеңдереп, герпесҡа ҡуйып, лейкопластырь менән нығытып ҡуйырға ла мөмкин.
Ғәзиздең һөйләгәндәрен тыңлаһаң, сәстәр үрә торорлоҡ! Хатта Динә бер нисә тапҡыр илап та алды. Үҙенең хәтерендә соҡона торғас, бер ай самаһы элек социаль селтәрҙәрҙең береһендә ошо хаҡта бер аҙ уҡығаны ла иҫенә төштө. ...Ғәзиз менән Румия бик яратып өйләнешкәндәр. Икеһенең дә яратҡан эше бар. Ҡатыны ҡалала билдәле бер компанияларҙың береһендә рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Сәнғәт кешеләренең тормошо башҡаларҙыҡы һымаҡ түгел. Улар үҙҙәрен иркенерәк тотоп өйрәнгән, дөйөм ҡағиҙәләргә бик буйһоноп та бармайҙар. Тәүҙәрәк Ғәзиз кәләшенең һуңлабыраҡ ҡайтыуына, ҡыҙмасараҡ булыуына бик иғтибар итмәй. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Румия иренә үҙенең ауырлы булыуы хаҡында иғлан итә. Румия малай алып ҡайтҡас, Ғәзиздең шатлығының сиге булмай. Ата-әсәләре ярҙам иткәс, Румия оҙаҡламай эшкә сыға. Элекке тормош яңынан башлана. Ғәзиз ҡатынын бик ныҡ ярата, күп тапҡырҙар һөйләшеп ҡарай. Тәүге балаһына ауырлы саҡта өйҙә генә ултырыуын иҫәпкә алып, икенсе балаһын да тиҙерәк табыуын талап итә. Икенсе улы, бына, әлегеһе була инде, уның исеме Риф икән, ваҡытынан алда тыуа. Ғәзиздең кәләшенә балалар тыуҙырыу йортонда оҙаҡларға тура килә. Айға яҡын ваҡыт эсендә нимәләр генә булмаҫҡа мөмкин. Ләкин хәҙерге медицина көслө, Рифте бик тиҙ сығарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Ләкин иртәгә сығабыҙ тигән көндө Румия менән перинаталь үҙәктә ниндәйҙер аңлашылмаған хәл була. БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Икенсе өлөш Дежур шәфҡәт туташының тумбочкаһынан 200 грамм самаһы спирт юғала. Иртәгәһен мәғлүмәт сараларында үҙәктең 4-се ҡатынан бер әсәнең ташланыуы хаҡында хәбәрҙәр күренә. – Румияның ата-әсәһе мине ғәйепләне, – тине Ғәзиз. – Йәнәһе, мин ҡатынымды һәр ваҡыт әрләгәнмен, эсеүҙән тыйғанмын. Ике малай табып биргәне өсөн, шулмы минең рәхмәтем? Бер нисә мәртәбә следователь, саҡыртып, һөйләште. “Мин үҙәктә булманым, төндә нимә булғанын белмәйем”, тип әйттем. Румияның әсәһе, бигерәк, улымды үҙенә алғас, бындағы улымды, Кәримде, биреүҙе талап итә башланы. Миндә эш ҡайғыһы китте, икенсе улымды ҡарауҙы миңә рәсмиләштерергә тура килде. – Нисек уйлайһың, һинең ҡатының бәлки бала табыуҙан һуң була торған депрессия осорон күтәрә алмағандыр? – тине Динә. – Был хаҡта һүҙ булды, – тине Ғәзиз. – Ләкин мин белгес түгел, был ваҡиғаға аңлатма бирә алмайым. Хәҙер минең алда ошо баланы үҫтереү, ағаһын да алыу бурысы тора. Күңелем һиҙә, был һис тә еңел булмаясаҡ. – Ә низағтың нигеҙендә әсәлек капиталы, йәки бала тыуғандан һуң күрһәтелә торған ярҙам, яталыр, тип уйламайһыңмы? – тип һораны Динә. – Булыуы бик ихтимал, – тине Ғәзиз. – Ҡайным менән ҡәйнәм былай бик һыҡмыр кешеләр. Уларҙың һәр һумы иҫәпле, мине ҡайһы ваҡыт аптыратып та ҡуя торғайнылар. Ҡайғынан башым ҡатҡайны, мин, аҡсаны үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин дәғүә итмәйем, тип баш тарттым. Шунан һуң ғына, бер аҙ тынысланғандай булдылар. Динә өйөнә һуң ғына ҡайтты. Ярай, алдан ашарға әҙерләп киткәйне. Ире телевизорҙан концерт ҡарап ултыра. – Әллә берәйһендә эшләйһеңме һин? – тип һораны ул ҡатынынан. Динә, ентекләп, Ғәзиз, уның улы хаҡында һөйләп бирҙе. Иртәгә лә барырға йыйыныуы хаҡында өндәште. – Әйтәм, үҙеңә сабый еҫе һеңеп ҡайтҡан! – тине ире, ҡатынын ҡосаҡлап. – Малай еҫе бигерәк татлы икән! Өйгә шулай бәпес еҫе килһен! Икенсе көнөнә Динә шунда уҡ Ғәзиздең йортона йүнәлде. Малайға массаж яһарға кәрәк икән, поликлиникаға алып барып килделәр. Сабыйҙы күтәреп килгәндә, Динәнең элекке таныштары осраны. Танығас, аптырап ҡалдылар. – Ҡотлайбыҙ! – тине күптәнге бер танышы. Ә инде Ғәзизде күргәс, күптәр аптыранылар. Хәйер, донъяла нимәләр генә булмай. Кем өйләнешмәй ҙә, кем айырылышмай. Сабый күтәреп йөрөү Динәнең үҙенә лә оҡшаны. Әхирәтенә ярҙам итергә тип, балаһын күтәреп, Рәшиҙә үҙе килеп етте. Уның сабыйы хәҙер ҙур ғына инде, бик ҡыҙыҡһынып, Рифте күҙәтте. Ә төштән һуң ишек ҡаҡтылар. Матур ғына кейенгән ир менән ҡатын – Румияның апаһы менән еҙнәһе икән. Малайҙы ҡарарға килгәндәр. Динә өҫтәл әҙерләһә лә, саҡырыуҙы ҡабул итмәнеләр, күберәк өндәшмәй генә ҡарап, өйрәнеп ултырҙылар. Динәнең сабыйҙы ҡарау буйынса тәжрибәһе юҡлығын һиҙҙеләр. Апаһы ғәжәпләнгән һорауҙарын биреүҙән дә тартынманы: – Ә һеҙ кем булаһығыҙ? – тип ҡәтғи һораны ул Динәнән. – Мине ирекмәндәр штабынан ебәрҙеләр. – Ирекмән? Ишетәһеңме? – тине ул иренә. – Волонтер буламы ул? Башҡа йүнлерәк кеше тапманығыҙмы? Һин бит был баланы ҡарай ҙа белмәйһең! – Өйрәнербеҙ. Бөгөн поликлиникала булдыҡ, педиатр ҡараны, ҡәнәғәт ҡалды. – Динәне мин саҡырҙым, – тине Ғәзиз. – Уның ярҙамы миңә бик кәрәк. – Был хәл беҙгә оҡшамай! – тине ҡатын. Шунан иренә мөрәжәғәт итте. – Һин нисек уйлайһың? – Мин уйламайым. Баланы бағыуҙа етди етешһеҙлектәргә юл ҡуйылыуын күрәм. – Дөрөҫ әйтәһең. Беҙ хәҙер үк уны, Ғәзиз, һинән тартып алыу мәсьәләһен күтәрергә тейешбеҙ. – Әгәр көсөгөҙ етһә, – тип ҡаршылашты Ғәзиз. – Мин быға юл ҡуймаясаҡмын! Шуны белегеҙ, мин өлкәнен дә кире алырға уйлайым. – Юҡ инде, өлкәнен һин хәҙер онот! Хәҙер ул алыҫта, һинең буйың етмәйәсәк, – тине ҡатын. Ғәзиз ҡапыл үҙгәрҙе, ҡалтыранып китте: – Һеҙ ниңә миңә баланы һәйбәтләп ҡарарға мөмкинлек бирмәйһегеҙ? Минән тағы нимә кәрәк һеҙгә? – Баланы беҙгә бирәһең дә, ошо өйҙән сығып китәһең, – тине ир. – Һин уға тейешле иғтибар бүлә алмайһың. Ана бит, урамдан ниндәйҙер волонтер алып килгәнһең. Һиҙмәйһеңме ни, волонтер был осраҡта беҙҙең файҙаға уйнай, һинең булдыҡһыҙлығыңды раҫлай. Был осраҡта Динә лә өндәшмәй булдыра алманы: – Һеҙ хаталанаһығыҙ. Ғәзиз улын бик оҫта ҡарай. Әрләһәгеҙ ҙә, ул бит – ике бала атаһы. Ә беҙҙең ярҙамыбыҙ гуманитар маҡсаттарҙан сығып эшләнә. Бөтә донъя шулай йәшәй – бер-береһенә ярҙам итә. Ә беҙ бындай изге ғәмәлдәргә яңы өйрәнәбеҙ. – Беҙгә лекция һөйләмәгәҙ! – тине ҡатын, урынынан тороп китте. – Беҙ баланы хәҙер үк алып китергә әҙер. – Юҡ! Мин уны берегеҙгә лә бирмәйем! – тине Ғәзиз. Әгәр мөмкин булһа, сығыуығыҙҙы талап итәм! Артабан, әгәр минән рөхсәт булмаһа, бында килеүегеҙ мотлаҡ түгел! Румияның апаһы менән еҙнәһе, һөйләнә-һөйләнә сығып киттеләр. Улар күҙҙән юғалғас, Ғәзиз ике ҡулы менән башын тотоп ултырҙы. Күренеп тора, ул бик ныҡ ҡайғыра һәм тегеләрҙән шикләнә ине. Уның күҙҙәренән йәш аҡты. – Минең ярҙамға иҫәп тота алаһың, – тине Динә. – Бында көн һайын кемдер булырға тейеш. – Миңә улымды уларҙан алырға кәрәк, – тине Ғәзиз. – Ул мине һағынғандыр. Уның өсөн йөрәгем һыҙлай. Олатаһы менән өләсәһен ул электән яратмай ине. – Ғәзиз, аңла, һин уларҙың икеһен дә ҡарай алмайһың. Бының өсөн көсөң дә, ваҡытың да етмәйәсәк, – тип тынысландырырға тырышты Динә. – Һеҙ уларҙың һүҙен һөйләйһегеҙ! – тине Ғәзиз, асыуланып. – Әллә һеҙ улар менән бергәме? Әгәр улай булһа, хәҙер үк сығып китәһегеҙ! Мин улымды бер үҙем ҡарай алам. Белеп тороғоҙ, мин өлкәнен дә барып аласаҡмын һәм үҫтерәсәкмен! Динә нимә әйтергә лә белмәне, үҙе лә һиҙмәҫтән, аҡлана башланы: – Ғәзиз, һеҙ мине дөрөҫ аңлағыҙ. Мин, киреһенсә, ике улығыҙҙың да һеҙҙең ҡарамаҡта булыуын теләйем. Шуныһын беләм, закон һеҙҙең яҡта. Хәҙерге ҡануниәт һеҙҙе яҡлаясаҡ. Ғәҙеллек тә һеҙҙең файҙаға булырға тейеш. – Шулай булғас, ниңә тегеләрҙең һүҙен һөйләйһегеҙ? Әгәр һеҙ ярҙам итергә теләйһегеҙ икән, миңә улымды нисек итеп алып ҡайтырға кәңәш бирегеҙ. – Мин юрист менән һөйләшермен. Ирем эшләгән төҙөлөш компанияһында бик көслө юристар эшләй. Улар, әлбиттә, күберәк мөлкәт мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Ләкин кәңәш менән ярҙам итеүҙәре бик ихтимал. Ғәзиздең йөҙө асылып китте: – Мөлкәт мәсьәләһе – бөгөн минең өсөн иң мөһимдәрҙең береһе инде! Тегеләр белә шул, ҡайһы ергә йәбешергә. Бәхәстең нигеҙен ошо өй алып тормаймы икән, тип шикләнәм. – Ни өсөн? Был өйҙөң ни ҡыҫылышы бар? – Бөтә бәлә шунда, өй минең исемдә түгел. Беренсе улыбыҙ тыуғас, мин уны, һатып алып, ҡатыным исеменә рәсмиләштереп, уға бүләк иткәйнем. – Бер ҡурҡынысы ла юҡ. Һеҙ никахта ваҡытта һатып алынғас, берлектәге мөлкәт иҫәпләнә. Тик, мираҫ мәсьәләһен асыҡлап, вариҫты билдәләргә һәм һеҙҙең исемгә күсерергә генә кәрәк. Ғәзиздең йөҙө ҡараңғыланды, ул ауыр итеп уфтанып ҡуйҙы: – Эх, һеҙ әйткәнсә, еңел генә хәл ителһә шул! – Тағы ниндәй проблема бар? – Бар шул. Һеҙгә әйтмәм, тигәйнем. Тегеләр ни өсөн үҙҙәрен оятһыҙ тота? Сөнки минең хәл ителмәгән мәшәҡәттәрем бар. Беҙҙең тормош бер-бер артлы эйәртенешеп килгән хаталарҙан тора. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, ошо баҡсаны һатып алғандан һуң, беҙгә айырылышырға тура килде. Аҙаҡ, тормош беҙ теләгәнсә бармай шул, онотолдо, икенсе планға күсте. Улдарымдың атаһы булһам да, уларҙың әсәһенең мираҫына минең хоҡуғым, үкенескә ҡаршы, һеҙҙекенән артыҡ түгел. Урамда ҡапҡа шаҡығандары ишетелде. Ғәзиз тиҙ генә улар янына сыҡты. Динә, тәҙрәнән ҡарағас, ике йәш егетте күрҙе. Улар Закир етәкселек иткән компанияның униформаһын кейгән, каскаларына һәм арҡаларына “ЭлитСтрой” тип яҙылғайны. Оҙаҡламай, Ғәзиз килеп керҙе һәм ҡулындағы ҡағыҙҙы ырғытып ебәрҙе: – Ниһайәт, мираҫ мәсьәләһе лә хәл ителде! Дауамы бар. ––––––––––––––––––– Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Автор:Р. ҒӘЛИМОВ Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ҡартатайым Ғәбит Рәхмәтулла улы Маннанов 1912 йылда Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк икенсе балаға йөклө ҡатыны Хәлимә менән ҡыҙы Венераны ҡалдырып, үҙе теләп фронтҡа китә. Август айында уның улы, минең атайым Риф тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡартатайым улын, атайым иһә үҙенең атаһын бер тапҡыр ҙа күрә алмай. Кесе лейтенант Ғәбит Рәхмәтулла улы фашистарға ҡаршы аяуһыҙ һуғышып, уларҙы тыуған еребеҙҙән ҡыуып Смоленск өлкәһенә тиклем барып етә. 1943 йылдың ноябрендә хат ташыусы Хәлимә әсәйебеҙгә “ҡара ҡағыҙ” килтерә. “Һеҙҙең ирегеҙ, уҡсылар взводы командиры Ғәбит Рәхмәтулла улы Маннанов, Социалистик Ватаныбыҙ азатлығы өсөн көрәштә, хәрби антына тоғро булып, 1943 йылдың 29 октябрендә батырҙарса һәләк булды. Ул Смоленск өлкәһе, Горски районының Ползухи ауылы янында ерләнде,”- тип хәбәр ителә был хатта. Был ваҡытта ҡартатайыма ни бары 31 йәш була. Һуңғы һулышына тиклем Ватанына тоғро булып, фашистарҙы тиҙерәк еңеп, тыуған яғына, ҡатыны, улы менән ҡыҙы янына ҡайтырға тип үҙен аямай ҡаһармандарса алыша ул. Венера апайыбыҙ ҡартатайыбыҙҙың әсәйебеҙгә яҙған хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай. Уның һәләк булыуы хаҡындағы ҡәһәрле “ҡара ҡағыҙ“ҙа бар был хаттар араһында. Хаттарында уның тормошто, ҡатынын, балаларын шул тиклем ныҡ яратыуы, тиҙерәк улар янына ҡайтырға ашҡыныуы сағыла. Бер нисә хатын гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм: “Йәнекәйем минең Хәлимәм. Аҡыллым, һеҙгә йөрәктән сыҡҡан ҡайнар сәләмдәремде ебәрәм. Һеҙҙең иҫән-һау, сәләмәт булыуығыҙҙы теләп ҡалам. Бик һағынам үҙегеҙҙе. Һинең хатыңды алһам, үҙеңде күргәндәй булам”. “Яҡыным, йөрәккәйем минең. Венера, Риф, Хәлимә ҡәҙерлеләрем. Һәр ваҡыт һеҙҙең турала уйлайым һәм беҙ фашистарҙы оҙаҡламай тар-мар итеп, иҫән-имен өйгә ҡайтырбыҙ, тип ышанам”. ”Беҙ оҙаҡламай Гитлерҙы ер йөҙөнән юҡ итербеҙ, һөйөклөм. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, тағы ла бергәләшеп, тыныс һәм бәхетле тормошҡа ҡыуанып ғүмер итербеҙ”. Күп хаттары ошондайыраҡ шиғри юлдар менән тамамлана: “Беҙ барабыҙ көнбайышҡа, Юлдарыбыҙ соҡорло. Һин ҡайғырма, һөйөклөм, Гитлер көнө һанаулы. Ҡайҙа һин, Хәлимәкәй, Мендеңме әллә һин айға? Һағынғанда айға ҡарайым, Унда ла юҡ, һин ҡайҙа?” Әйткәндәй, һуғышҡа тиклем ҡартатайым уҡытыусы булып, башланғыс класта уҡыусы балаларға белем биргән, шиғырҙар яҙған. Бына мин дә ҡартатайымдың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, күңелемдәге уй-хистәрҙе шиғри юлдарға һалдым. 31 йәш. Бигерәк йәп-йәш, Уҡсылар взводы командиры. Һуңғы фотоларында бик күп йондоҙ- Миҙал биҙәй уның мундирын. Һуғышта ул һыр бирмәгән, Бик ҡыйыу, батыр булған. Шиғырҙар яҙған һағынып, Ҡайтырмын тип ашҡынып. Һуңғы һулышынаса Тоғро булған иленә. Илгә, ғаиләһенә һөйөүе, Хаттарында күренә. Ҡартатайым, ҡәҙерлебеҙ, Беҙ һине онотмайбыҙ. Һинең яҡты, изге рухыңа Дан йырҙары ғына йырлайбыҙ. Тыныс йоҡла, ҡартатайыбыҙ, беҙ һинең менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Рәмилә Сибәғәтуллина. Красноусол ауылы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ҡәҙерле дуҫтар, хәҙер Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайының да Бәйләнештә (ВКонтакте) социаль селтәрендә үҙ аккаунты, йәғни үҙ бите, бар. Был төркөм халыҡты берләштереү, район башҡорттарының хәл-торошо менән даими таныштырып барыу маҡсатында ойошторолдо. Районыбыҙҙа Башҡорт теле йылына арнап үткәрелгән бөтә саралар тураһында хәбәрҙәр, мәҡәләләр, фото, видео материалдар ошо төркөмдә урын аласаҡ. Әлшәй башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнә https://vk.com/public191315707 һылтанмаһы менән инеп, һеҙ ҙә унда ҡушылығыҙ. Мәҡәләләрегеҙҙе, яңылыҡтарығыҙҙы, кәңәш-тәҡдимдәрегеҙҙе төркөмгә яҙығыҙ, фотолар, видеолар ебәрегеҙ. Беҙ уларҙы ҡарап, хэштектар ҡуйып төркөмгә ҡуясаҡбыҙ. Әйҙәгеҙ, аралашайыҡ, фекер алышайыҡ, бергә һәм берҙәм булайыҡ! Хэштектар Ғинуар айы өсөн - #дәүләт Февраль - #интерактив Март - #ғаилә Апрель - #әсә Май - #9май Июнь - #фольклор Июль - #дуҫлыҡ Август - #юлдаш Сентябрь - #ижад Октябрь - #тарих Ноябрь - #музыка Декабрь - #рух Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Башҡортостан етәкселеге банкыларҙың төбәктең иҡтисади тормошонда әүҙемерәк ҡатнашыуын көтә: тулайым төбәк продуктында финанстар секторы өлөшө 2012 йылда кәм тигәндә ике тапҡырға артырға тейеш. — Республикала банк хеҙмәттәре менән тәьмин ителеүҙе илдәге лидер төбәктәр кимәленә тиклем арттырыу беҙҙең бурыс булып тора, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең Милли банкыһында үткән кәңәшмәлә. Унда бөгөн республиканың банк хеҙмәткәрҙәре үткән йылға йомғаҡ яһаны һәм ағымдағы йылға пландар билдәләне. – Тулайым төбәк продуктында финанстар секторы өлөшөн 0,2-0,3 проценттан кәм тигәндә уртаса Рәсәй күрһәткесе – 0,6-0,7 процентҡа тиклем, йәғни 2-2,5 тапҡырға арттырыу зарур. Президент бурыстың ауыр булыуын билдәләне, һәм шул уҡ ваҡытта республиканың уны үтәй алыуына ышанысын белдерҙе. — Әлеге ваҡытта республика көрсөк эҙемтәләре менән көрәшә һәм үҫеш буйынса ыңғай йылдамлыҡ күрһәтә. Тулайым төбәк продукты – яҡынса туғыҙ процентҡа, сәнәғәт производствоһы күләме 9,5 процентҡа артты, ауыл хужалығында ла ярайһы уҡ алға китеш бар. Беҙгә макроиҡтисади күрһәткестәребеҙ өсөн оялырға түгел, - тине Рөстәм Хәмитов. Банкылар эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренә килгәндә, Президент үткән йыл эсендә күп нәмәгә өлгәшелеүен белдерҙе. Шулай итеп, әйләнештәге аҡса күләме йыл эсендә биш процентҡа – 420 миллиард һумға тиклем артты. Банкылар килеме яҡынса 11 миллиард һум тәшкил итте, 2010 йылда был күрһәткес 3 миллиард ине. Республикала банкылар һаны ла ярайһы уҡ артты: банк бүлексәләренең дөйөм һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә бишенсе урында тора. Банк кредиттарының дөйөм күләме 5 миллиард һумдан ашты, ә сағыштырма ауырлығы 2010 йылдағы 6,5 проценттан туғыҙға тиклем артты. Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Хәмитов ҡайһы бер төбәктәрҙә был өлөштөң 25 процентҡа барып етеүен билдәләне. — Банкыларҙың республика иҡтисадын үҫтереүҙә әүҙемерәк ҡатнашыуын, кредитлау күләмдәрен ярайһы уҡ арттырыуын көтәбеҙ, уларҙан инвестицион проекттар ҙа көтөп ҡалабыҙ, - тип ағымдағы йылға бурыстар билдәләне төбәк башлығы. – Инвестицион проекттарҙы финанслау системаһын үҫтереү кәрәклеген айырыуса билдәләп үтәм. Был өлкәлә эштәр һүлпән бара. Республикала был етешһеҙлекте бөтөрөргә ваҡыт. Берлектәге эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре араһынан Президент агросәнәғәт комплексын, бәләкәй һәм урта бизнесты, торлаҡ төҙөлөшөн кредитлау, шулай уҡ халыҡтың финанс белем кимәлен арттырыу мәсьәләләрен билдәләне. Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин Теги:банкыларбашҡортостан президенты Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Иртәгә – Уҡытыусылар көнө. Ҡәҙерле дуҫтар, «Йәншишмә» гәзите ойошторған «Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!» акцияһына ҡушылып, яратҡан уҡытыусыларығыҙҙы менән ҡотларға ашығығыҙ. Хаттарығыҙҙы «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмгә хәбәр менән ебәрегеҙ. Донъяла иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөнәрҙәр бар. Һәр кеше бәләкәй саҡтан уҡ күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайлай һәм маҡсатына ирешә. Күптәр уҡытыусы һөнәрен үҙ итә. Ысынлап та, был – иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Иң яуаплыһы һәм шул уҡ ваҡытта ауыр ҙа. Сөнки ул баланы ҡулынан етәкләп, белем донъяһына алып инә. Хәреф танырға, яҙырға, һанарға өйрәтә. Ни тиклем ҙур эш башҡара ул уҡытыусы! Мин дә үҙемдең яратҡан уҡытыусым тураһында һөйләп киткем килә. Айгөл Зәйнетдин ҡыҙы Әлибакова V синыфтан алып минең синыф етәксем генә түгел, ә гел алға әйҙәүсе, барыр юлымды яҡтыртыусы маяҡ булып торҙо. Уҡытыусым 1972 йылдың 31 мартында Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында физика һәм математика йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, буласаҡ уҡытыусыны 1996 йылда Мораҙым мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Шул йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Айгөл Зәйнетдин ҡыҙы уҡыусыларға математика серҙәрен өйрәтә. Айгөл Зәйнетдин ҡыҙы – бик ғәҙел, түҙемле һәм яғымлы уҡытыусы, шуға күрә уның дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ. Сөнки ул темаларҙы аңлайышлы итеп аңлата, дәресте күңелле итеп үткәрә, аңлашылмаған ерҙәрҙе ҡат-ҡат һөйләргә ваҡытын да йәлләмәй. Ул уҡыусыларын бик күпкә өйрәтә: яҡшыны ямандан айырырға, хеҙмәт һәм ижад шатлығын тойорға ла, фекерләү һәләтен үҫтерергә. Беҙҙән ысын шәхес үҫтереүгә бөтөн көсөн һала ул. Уҡытыусым! Һеҙгә ауыр һәм маҡтаулы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, сәләмәтлек теләйем. Күңел түренән сыҡҡан уйҙарымды шиғыр юлдарына һалам. Әсәй кеүек ҡәҙерле һин, Уҡытыусым – бөйөк кешем. Белем тауына әйҙәнең, Йәлләмәй барлыҡ көсөң. Сабыр ҙа һин, түҙемле лә, Изгелекле һүҙҙәрең. Яҡшылыҡ теләй йөрәгең, Шундай наҙлы күҙҙәрең. Рәхмәт һиңә, уҡытыусым, Бирешмәмен һис ҡасан. Һинең һалған эҙҙән барып, Белем серҙәрен асам. Заһиҙә МОРАТШИНА, X синыф уҡыусыһы. Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбе. #йәншишмә, #акция, #рәхмәтһиңәуҡытыусым Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Ә теге иҫкереп бөткән “Волга” Әғләмгә тәғәйенләнгән икән. Ике көн комплекс алдында ултыра, водителе сығып: “Мине һеҙҙе хеҙмәтләндерәм”, – тип әйтһәсе. Ә Әғләм көн һайын таң менән өшөй-өшөй йәйәүләп эшкә йөрөй. Бөгөн иртәнге һауындан һуң Әғләм Нуриев мал ҡараусыларҙы һәм машина менән һөт һауыу операторҙарын йыйып алды. Йәш кенә ҡыҙҙар һәм егеттәр. Хәҙер малсылыҡҡа йәштәр килмәй, тигән хәбәр дөрөҫ түгел икән. Бик теләп эшләгәндәре күренеп тора. Үҙ өйҙәре бар, даими эш хаҡы алалар, тағы ни кәрәк кешегә? Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Өсөнсө бүлек Элегерәк, фермалар таралған ваҡытта, малсылар күберәк һөт ҡыҫтырып ҡайтырға, комбикорм эләктерергә килә торғайны. Аҡса түләнмәгәс, эш хаҡы күрмәгәс, ҡайҙа барһындар? Эште отошлораҡ ойоштороу өсөн Әғләм малсылар араһынан бер егетте, һауынсылар араһынан бер ҡыҙҙы звено етәксеһе итеп ҡуйҙы. Ҡыҙҙарҙан Рәғиҙә исемлеһе, егеттәрҙән Ринат тигәне, һуңынан тороп ҡалып, Әғләм менән һөйләшеп ултырҙылар. – Ҡыҙҙар кейәүгә сыҡһа, егеттәр эштән китһә, уларҙы алмаштырыр кеше табып буламы? – тип һораны Әғләм. – Әғләм ағай, һеҙ борсолмағыҙ, беҙҙең ауылда эшләрлек кеше күп. Беҙгә ҡала йыраҡ, шуға китергә теләүселәр һирәк. – Ә һин, Ринат, нисек уйлайһың? – тине Әғләм, оператор егеткә ҡарап. – Әлләсе, эшләйбеҙ бит, – тип, Ринат ыҡ-мыҡ итте лә ҡуйҙы. – Ауылда мал аҫрап та йәшәп була, – тип тотондо һөйләргә Рәғиҙә. – Бына Ринаттың биш-алты һыйыры, башмаҡтары бар. Шуның иҫәбенә йәшәй. Ҡалаға китергә теләгәндәр күптән китеп олағып бөттө. Шулай булғас, беҙгә әле эшләргә мөмкин, – тине Рәғиҙә. Халыҡ таралғас, Рәғиҙә, Әғләм эргәһенә килеп: – Әғләм ағай, Рәүис Миҙхәт улы беҙҙе һеҙҙең менән ҡурҡытып бөткәйне, ә һеҙ ҡәҙимге эш кешеһе икән. – Ысынмы? Ә нимә тип ҡурҡытҡайны? – Нимә тип ҡурҡытһын инде, комплексты бөтөрөргә килә, уға шундай задание биргәндәр, һеҙҙе эштән ҡыуасаҡ, аҡса йүнләп түләмәйәсәк, уны Өфөнән ҡыуып ебәргәндәр, тип ҡурҡытты, – тине. – Улай икән, – тип кенә ҡуйҙы Әғләм, көлөмһөрәп. Комплекс идараһы яғына үтһә, Рәүис Миҙхәт улы килеп сыҡты. – Эштәр нисек бара, иптәш зоотехник? – тине ул. – Нисауа бара, – тине Әғләм. – Әгәр һеҙ минең хаҡта юҡ-бар хәбәр таратып йөрөмәһәгеҙ, яҡшыраҡ барасаҡ. Дауытов һиҫкәнде, ләкин бер нәмә лә һиҙҙермәҫкә тырышты. – Әйҙә, эскә инәйек әле, һөйләшербеҙ, – тине. Эскә үттеләр. Дауытов секретаршаһына берәүҙе лә кертмәҫкә ҡушты. Үҙе ишекте ныҡ итеп ябып, бикләп үк ҡуйҙы. – Әйҙә, төпкә үтәйек, – тине ул. Артҡы бүлмәгә керҙеләр. Һыуытҡысынан бер ярты сығарҙы. – Әйҙә, бер иллешәр грамм кәгәйек, – тине ул, яғымлы ғына итеп. Әғләм уйға ҡалды: эсергәме, эсмәҫкәме? Иртәнге сәй менән генә йөрөй. Ана бит, ҙур-ҙур дүңгәләктәр менән колбаса бүлеп тора. Әғләм сәкәштермәй генә эсеп ҡуйҙы. Дауытов колбаса телде лә ике тәрилкәгә һалып ултыртты. – Ас икәнеңде беләм, аша, – тине ул. – Тамағың туйып ҡалһын. Бәлки, минең эскән килеш теләһә нәмә һөйләгәнемде түгел, ашатып сығарғанымды нығыраҡ иҫтә тоторһоң. Һөйләһәм, һөйләгәнмендер инде. Мин күрмәй тип уйлаһаң, хаталанаһың, комплекс буйлап арҡыры-буй йөрөйһөң. Нишләп йөрөйһөң бында, хужамы һин? Мин бында хужа. Һин йөрөгәс, миңә ниндәй эш ҡала? – Һуң, малдарҙың торошон тикшереү минең эш түгелме ни? – тип аптыранды Әғләм. Дауытовтың ниңә үпкәләгәнен аңламаны. – Булһа ни, барыбер бында мин начальник. Комплекс минеке, миңә ышанып тапшырылған, һинең ҡыҫылып йөрөүең кәрәкмәй. – Әйҙә, тағы берҙе тотайыҡ. Икәүләп тағы берәрҙе күтәрҙеләр. Әғләм Дауытовтың стаканға иренен генә терәп алғанын шәйләне, ә үҙе күтәреп эсте лә ҡуйҙы. – Тағы эсәһеңме? Еттеме? – тине Дауытов, Әғләмдең күҙҙәренә ҡарап. Әғләм ҙур ғына киҫәк колбаса сәйнәп ултыра ине, өндәшә алманы. – Тағы ҡояйыммы? – тине Дауытов, тағы ла уҫалыраҡ итеп. – Етте, бүтән эсмәйем, – тип стаканын этте Әғләм. – Ә хәҙер мин һине оҙатып ҡуям, – тине Дауытов, кинәйәле генә итеп. – Ҡайҙа оҙатаһығыҙ? – Нисек ҡайҙа, полицияға. Эсеп килеп миңә бәйләнеп ултыраһың, шуны күрмәйһеңме ни? Үҙе трубкаһын алды ла кемгәлер: – Иптәш майор, клиент әҙер, йылы ғына килеш алып китегеҙ, – тине. Дауытов йүгереп барып ишекте асыуға, тыштан ике полицейский килеп инде лә Әғләмде ҡултыҡлап алып сығып та китте. Әғләм ни тиергә лә белмәне. Ул арала акт төҙөнөләр, хакимиәткә шылтыраттылар, урындағы гәзиткә материал әҙерләнеләр. Әғләм үҙе, ярҙам һорап кемгә өндәшергә, кемгә шылтыратырға ла белмәй, полицияла ҡунып сығыр ине. Ярай, ҡатыны Маһираға шылтыратып, уныһы атаһына әйткән, күрәһең, кисләтеп кенә полиция бүлегенән сығарып ебәрҙеләр. Ҡунаҡхана биклелер, кертмәҫтәр инде, тиһә, йыйыштырыусы шунда икән, асҡысы ла эленеп тора. Бүлмәһенә инеп, сәй булһа ла ҡайнатып эсте. Төн урталары булдымы икән, һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Автор:Ралиф Кинзябаев Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Театр тарихы 1933 йылдан башлана: ул Ауырғазы районының Талбазы ауылында колхоз-совхоз театры булараҡ ойошторола. Театрға нигеҙ һалыусы — Елизавета Шляхтина-Сыртланова, башҡорт театр сәнғәтенең иң тәүге профессиональ актёрҙарҙың береһе. Коллективтың тәүге труппаһы ике актёр ғаиләһе вәкилдәренән торған — Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар, Ғәзизә Насирова һәм Бикташ Кәлимуллин. Улар үҙ ваҡытында колхоз-совхоз театрҙарының бөтә республика фестивалендә лә төп приздарҙы яулап йөрөүселәр. Театр эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла туҡтамай. Актёрҙар өсөн тәүге йылдарҙа бер ниндәй уңайлыҡтар ҙа булмаған. Улар баракта, һуңынан төрлө яраҡлаштырылған биналарҙа, махсус сәхнәһеҙ эшләргә мәжбүр булған. Театрҙың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һәм, тәү сиратта, уның «йортло» булыуы 1977 йылда тәғәйенләнгән директор Марс Яппаров исеме менән турана-тура бәйле, нәҡ ул Салауат театрын бар йәһәттән дә яңы бейеклектәргә күтәреүсе. Ул — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Салауат ҡалаһының почетлы гражданы»[1]. Салауат театрына данлыҡлы артист Вәзих Сәйфуллин 1965 йылда килә һәм унда 35 йыл буйы эшләй. Театрҙа 75 йыл элек булдырылған матур йолаларға, яңылыҡтарға, замана драматургияһына ҙур иғтибар бирелә: музыкаль постановкалар күп ҡуйыла, әҫәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа, тормошҡа, кешеләргә яҡыныраҡ булғандары сәхнәләштерелә. ДиректорҙарыҮҙгәртергә Барый Сафин (1933—1941) Әхмәров Ибраһим Әхмәр улы (1941—1959; 1964—1966) Нәжиб Асанбаев (1959—1961) Яппаров Марс Шәрип улы (1977—1997) Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы (02.12.1998—30.05.2014) Азат Йыһаншин (15.07.2014—01.12.2014) ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ↑ Яппаров Марс Шәрип улы. Салауат башҡорт дәүләт драма театры. Рәсми сайт (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2021) ҺылтанмаларҮҙгәртергә Салауат башҡорт дәүләт драма театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2021) Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы сайты 2012 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған. Салауат театры сайты https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Салауат_башҡорт_дәүләт_драма_театры&oldid=1185368 ҡабул ителгән
Бер ҡыҙ кейәүгә сыҡты ла ҡуҫтарлана башланы: ай һайын тиерлек ҡиммәтле берәй нимә кейеп килә эшенә, төрлө биҙәүестәре лә күбәйеп китте.– Ирҙең йомартына юлыҡҡанһың икән, һеңлем, хәйерле булһын, кейәү бала аҡсалыурында ла түгел һымаҡ, мәгәр һине генә хәстәрләй, ҡайғырта. Ә үҙенең өҫтөндә һеҙ өйләнешкәндә кейгән куртка ла, джинсы салбар. Бер ҡыҙ кейәүгә сыҡты ла ҡуҫтарлана башланы: ай һайын тиерлек ҡиммәтле берәй нимә кейеп килә эшенә, төрлө биҙәүестәре лә күбәйеп китте. – Ирҙең йомартына юлыҡҡанһың икән, һеңлем, хәйерле булһын, кейәү бала аҡсалы урында ла түгел һымаҡ, мәгәр һине генә хәстәрләй, ҡайғырта. Ә үҙенең өҫтөндә һеҙ өйләнешкәндә кейгән куртка ла, джинсы салбар. – Күргәҙмәгә сығып баҫмай әле, уға, ябай инженерға шул ҡиәфәтендә йөрөһә лә бара! Ә минең ҡайта-ҡайта кейем алыштырыуымдың сере икенсерәк, - тип йылмайҙы йәш ҡатын, - өйҙәге талаш-ыҙғыштан һуң ярашыу билдәһе итеп иремдән берәй әйбер алып биреүен талап итәм. – Әгәр теләмәһә? – Ҡайҙа ғына барһын?! Кейеме ҡата, асыға башлаһа йүгереп кенә килә. – Ә өйҙәге аңлашмаусанлыҡ нимәнән килеп сыға һуң? – Бәй, үҙем ойошторам! Ҡатын һаман да өҫтө-өҫтөнә кейенә, өҙлөкһөҙ ҡуҫтарлана, йылҡылдап торған шәшке бүрек, тун һатып алды яңыраҡ, аяҡтарында Италиянан килтерелгән ҡиммәтле итектәр, муйынында алтын муйынсалар ишелеп күренә, бармаҡтары һайын затлы балдаҡтар йылҡылдай. Күренеп тора, йәшәүенең шыпа ғына ла рәте юҡтыр, ире… холоҡһоҙҙор…
– Был һуңғы йылдарҙағы бик популяр хәрәкәт: ҡоштарҙы тәбиғи ерлегендә күҙәтеү. Уның менән бик билдәле кешеләр: Билл Гейтс, принц Чарльз да шөғөлләнә. – Бигерәк ҡыҙыҡ икән. Уның өсөн нимәләр кәрәк? – Бары тик блокнот, ручка, фотоаппарат һәм, әлбиттә, ҙур теләк! – Шәп! – Ә һин беләһеңме, ҡоштар йылы яҡҡа һәм тыуған яҡҡа юлды нисек таба, улар көндөң ҡайһы мәлендә һәм нисек оса икәнен.
Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һалҡын көндә хуш еҫле ҡайнатма менән сәй эсеү, мунсанан һыуһап сығып, шифалы, татлы һуттан ауыҙ итеү – үҙе бер кинәнес. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һалҡын көндә хуш еҫле ҡайнатма менән сәй эсеү, мунсанан һыуһап сығып, шифалы, татлы һуттан ауыҙ итеү – үҙе бер кинәнес. Әлбиттә, һәр хужабикәнең шәхси рецепттары барҙыр, шулай ҙа иғтибарығыҙға тағы бер нисәүҙе тәҡдим итергә булдыҡ. Кем белә, бәлки, ошолары оҡшап ҡалыр. Тик шуны онотмағыҙ: ҡайнатманы барлыҡ еләк-емештән дә әҙерләргә була. Иң мөһиме – бының өсөн өлгөргәндәрен һәм ҡараймағандарын һайларға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, бер килограмм емешкә кәмендә шул уҡ күләмдә шәкәр алырға тура килә. Аҙ һалған осраҡта емештең формаһы юғала, ҡайнатма тиҙ боҙола. Ҡара ҡарағаттан Ете стакан һыуҙы ҡайнау хәленә еткерергә, һәм уға 1,5 килограмм ҡара ҡарағат һалырға кәрәк. Ҡайнаған сағында бер нисә тапҡыр бутайбыҙ. Унан еләккә ике килограмм шәкәр ҡушып, йәнә 15 минут утта тотабыҙ. Һауыттың уртаһындағы ингредиенттар ҡайнап сығырға тейеш. Шәкәр аҙ кеүек күренһә лә, һалҡынса урында һаҡлаһаң, ризыҡ әсемәҫ. Ҡара емештән Бер килограмм ҡара емеш, биш стакан шәкәр, ярты стакан һыу, аҙыраҡ ванилин алына. Ҡара емеште һалҡын һыуҙа йыуып, таяҡсаһынан таҙартырға. Унан һәр емеште бер нисә урындан тишкеләргә һәм бүлергә кәрәк. Кәстрүлгә һалғас, өҫтөнә әҙерләнгән сиропты ҡойоп, биш-алты сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйып торабыҙ һәм өс тапҡыр ҡайнатып алабыҙ. Ут талғын булырға тейеш. Ванилин ҡайнатма әҙер булыр алдынан ғына һалына. Ананас менән еләктән Ҡурай еләге һалҡынса һыуҙа йыуыла һәм киптерелә. Ананас­ты ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Икеһен ҡушып бутағандан һуң шәкәр өҫтәп, яҡшылап туҡыйбыҙ һәм ҡайнау хәленә еткерәбеҙ. Ҡайнатма дүрт минутта әҙер була. Эш өсөн 750 грамм ҡурай еләге, 250 грамм ананас, бер килограмм шәкәр алына. Ер еләгенән Тәүҙә ер еләген таҙартабыҙ. Уның өҫтөнә алдан әҙерләнгән сироп һалына. Ҡуйы шәкәр емешкә тулыһынса һеңеп бөтөргә тейеш. Ҡайнатма ныҡ талғын утта әҙерләнә. Әгәр еләк бик һутлы булһа, һыу өҫтәмәҫкә лә мөмкин. Сиропты алдан әҙерләмәҫкә лә була. Бының өсөн еләк менән шәкәрҙе бергә бутап, һалҡынса урында 10 – 12 сәғәт тоторға кәрәк. Ҡайнатмаға бер килограмм ер еләге, бер килограмм шәкәр, ярты стакан һыу кәрәк булыр. Сейәнән Бер килограмм сейә, ярты стакан һыу, 1,2 килограмм шәкәр алабыҙ. Сейәне йыуып, киптереңкерәп, һөйәгенән таҙартырға кәрәк. Ҡайнатма өсөн әҙерләнгән һауытта тәүҙә сироп әҙерләп, бутай-бутай ҡайнау хәленә еткерәбеҙ. Өҫтөнә сейәне һалып, әҙер булғансы ҡайнатабыҙ. Крыжовниктан Ҡайнатма өсөн бер килограмм крыжовник, 800 грамм шәкәр, бер әфлисун, ике стакан һыу кәрәк. Таҙартылған крыжовникты таҫтамалға һалып киптерәбеҙ. Унан әфлисундың һутын һығып алып, тышын ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан барыһын бергә ҡушып, ярты сәғәт самаһы ҡайнатырға кәрәк. Шәкәр өҫтәп, талғын утта әҙер булғанға тиклем тотола. Ҡара миләштән Сейә япраҡтарын йыуып, эмаль кәстрүлгә һалырға ла һалҡын һыу ҡойоп ҡайнатырға кәрәк. Һуңынан уларҙы айырып алабыҙ. Килеп сыҡҡан төнәтмәнән сироп эшләнә. Уға миләште йыуып һалабыҙ. 20 минут самаһы ҡайнатҡандан һуң, ваҡланған алма менән лимон кислотаһы ҡушып, әҙер булғансы утта тоторға кәрәк. Ҡайнатма өсөн бер килограмм миләш, 1,5 килограмм шәкәр, бер стакан һыу, ике ус сейә япрағы, ике-өс әскелтем алма, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы талап ителә. Абрикостан Бер килограмм абрикос, 1,2 килограмм шәкәр, ике стакан һыу алына. Абрикосты йыуып, бер нисә урындан тишкеләргә кәрәк. Сироп әҙерләп, емештәрҙе уның өҫтөнә һалабыҙ ҙа ошо килеш бер тәүлеккә һалҡын урынға ҡуябыҙ. Бынан һуң шыйыҡсаны айырып алырға, тағы ла ҡайнатып, емеш өҫтөнә ҡойоп, йәнә бер тәүлеккә ҡуйып торорға кәрәк. Өсөнсө көнгә абрикос ошо уҡ сиропта әҙер булғанға – үтә күренмәлегә әйләнгәнгә – тиклем талғын утта тотола. Алманан Ҡайнатма өсөн алманың тат­лырағын һайлайҙар. Емеш йыуыла, таҙартыла, эреләре ваҡ­лап турала. Әҙер сиропҡа алманы һалып, ул үтә кү­рен­мәлегә әйләнгәнсе ҡайнатырға кәрәк. Хуш еҫле булһын өсөн ванилин йәки лимон ҡабығын ҡырып өҫтәргә була. Бер килограмм алма, бер килограмм шәкәр, ярты стакан һыу кәрәк булыр. Виноградтан Берәр килограмм виноград һәм шәкәр, өс балғалаҡ лимон кислотаһы, бер грамм ванилин кәрәк булыр. Бер иш виноградтарҙы алып, бер-ике минут ҡайнар һыуҙа бешекләйбеҙ ҙә өс-дүрт сәғәткә шәкәр сиробына һалып торабыҙ. Бынан һуң масса бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алына. Һыуына төшкәс, лимон кислотаһы менән ванилин ҡушып, тағы ла ҡуйырғансы утта тотола. Ҡауындан Өлгөргән татлы ҡауындың тышын таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға ла өҫтөн ҡаплағансы аш һеркәһе ҡойоп, ике көнгә ҡуйып торорға кәрәк. Бынан һуң йәшелсә киҫәктәре аш һеркәһенән алынып, сиропта ҡайнатыла. Ҡауын йомшарыу менән уны банкаға һалып һыуыталар. Сироп иһә ҡуйырғансы утта тотола. Банка ҡайнатма ныҡлап һыуынғас ҡына нығытып ябыла. 400 грамм ҡауын, 800 грамм шәкәр, бер стакан һыу, аш һеркәһе талап ителер. Һары сейәнән Сейәнең һөйәген алабыҙ. Унан һәр береһенең эсенә сәтләүекте ваҡлап һалабыҙ. Һыуға шәкәр ҡушып, ҡайнау хәленә еткерәбеҙ, бутап торабыҙ. Сиропты сейәне тулыһынса ҡапларлыҡ итеп ҡойоп, өс сәғәт көтөргә кәрәк. Бынан һуң ҡайнатма талғын утта 20 минут самаһы тотола. Ул әҙер булыр алдынан ванилин өҫтәргә кәрәк. Аҙаҡ эҫе килеш банкаларға һалып сығабыҙ. Ҡайнатма өсөн бер килограмм шәкәр, 350 мл һыу, лимон, саҡ ҡына ванилин, 300 грамм әстрхан сәтләүеге кәрәк. Фото: pixabay.com http://bashgazet.ru/obshestvo/18852-yshylya-kstns.html Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
2018 йылдың 18 мартында Ғафури районы муниципаль районы биләмәһендә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы уҙғарыу өсөн һайлау участкалары һүрәтләнеше -25 °С Болотло Антитеррор Бөтә яңылыҡтар Сәйәсәт 23 Ғинуар 2018, 12:13 2018 йылдың 18 мартында Ғафури районы муниципаль районы биләмәһендә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы уҙғарыу өсөн һайлау участкалары һүрәтләнеше 1662-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Комаров урамы, 13 (Красноусол башҡорт гимназия-интернатының йоҡо корпусы), тел.: 2-11-34. Заречный ауылы; Красноусол ауы-лы: Воробьев, Ғафури, Тау, Завод, Киров, Комаров, Куйбышев, Матросов, Яңы Завод, Островский, Пархоменко, Пионер, Еңеү, Подлесная, Салауат, Һамар, Свердлов, Чернышевский, Сәскәле, Ясная Поляна урамдары; Комаров, Куйбышев, Еңеү, Сала- уат тыҡрыҡтары. 1662-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Комаров урамы, 13 (Красноусол башҡорт гимназия-интернатының йоҡо корпусы), тел.: 2-11-34. Заречный ауылы; Красноусол ауы-лы: Воробьев, Ғафури, Тау, Завод, Киров, Комаров, Куйбышев, Матросов, Яңы Завод, Островский, Пархоменко, Пионер, Еңеү, Подлесная, Салауат, Һамар, Свердлов, Чернышевский, Сәскәле, Ясная Поляна урамдары; Комаров, Куйбышев, Еңеү, Сала- уат тыҡрыҡтары. 1663-сө һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красноусол ауы-лы, Баҡса урамы, 25 (“Әкиәт” балалар баҡсаһы бинаһы), тел.: 2-11-21. Красноусол ауылы: Дача, Сәнәғәт, Баҡса, Социалистик урамдары; Дача, Көнбайыш, Баҡса тыҡрыҡтары; Блюхер урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 62-се, таҡ яҡлап 3-сө йорттан 23-сө йортҡа тиклем; Көнбайыш урамы – йоп яҡлап 8-се йорттан 26-сы йортҡа тиклем; Ке-йекбаев урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 24-се, таҡ яҡлап 1/2-се йорттан 13-сө йортҡа тиклем. 1664-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1 (Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге бинаһы), тел.: 2-23-77. Красноусол ауылы: Кейекбаев урамы – йоп яҡлап 26-сы йорттан 58-се, таҡ яҡлап 13/1-се йорттан алып 53-сө йортҡа тиклем; Аэродром, Вахитов, Высоцкий, Гагарин, Гвардия, М.Горький, Ғөбәйҙуллин, Достоевский, Йәшел, Крупская, Леваневский, Некрасов, Баҫыу, Соҡор, Совет, Тургенев, Көньяҡ урамдары; Гагарин, Тургенев тыҡрыҡтары; Блюхер урамы – йоп яҡлап 64-се йорттан 96-сы, таҡ яҡлап 27-се йорттан алып 39-сы йортҡа тик-лем. Көнбайыш урамы – йоп яҡлап 32-се йорттан алып 42-се, таҡ яҡлап 3-сө йорттан алып 35-се йортҡа тиклем. 1665-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 40 (2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-71-64. Красноусол ауылы: Аксаков, Афған, Ершов, Калмыков, Ковальский, Тыныслыҡ, Мичурин, Күл, Парк, Рәсәй, Төньяҡ, Усолка, Чесноковка урамдары; Тыныслыҡ тыҡрығы; Карл Маркс урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 16-сы, таҡ яҡлап 1-се йорттан 21-се йортҡа тиклем; Коммунистик урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 8-се, таҡ яҡлап 3-сө йорттан 21-се йортҡа тиклем; Ленин урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 30-сы, таҡ яҡлап 1-се йорттан 31-се йортҡа тиклем; Октябрь урамы - йоп яҡлап 8-се йорттан 30-сы, таҡ яҡлап 7-се йорттан 31-се йортҡа тиклем; Пушкин урамы – йоп яҡлап 2-сенән 12-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 9-сы йортҡа тиклем; Фрунзе урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 96-сы, таҡ яҡлап 1-се йорттан 91-се йортҡа тиклем. 1666-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Ленин урамы, 33 (Красноусол башҡорт гимназия-интернаты бинаһы), тел: 2-19-74. Красноусол ауылы: Дуҫлыҡ урамы; Дуҫлыҡ тыҡрығы; Дзержинский урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 64-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 75-се йортҡа тик-лем; Калинин урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 58-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 47-се йортҡа тиклем; К.Маркс урамы – йоп яҡлап 18-се йорттан 50-се, таҡ яҡлап 23-сө йорттан 57-се йортҡа тиклем; Каширин урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 42-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 51-се йортҡа тиклем; Коммунистик урамы – йоп яҡлап 16-сы йорттан 26-сы,таҡ яҡлап 27-се йорттан алып 39-сы йортҡа тиклем; Комсомол урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 32-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 21-се йортҡа тиклем; Ҡыҙыл партизан урамы – йоп яҡлап 10-сы йорттан 58-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 61-се йортҡа тиклем; Ленин урамы – йоп яҡлап 32-се йорттан 52-се, таҡ яҡлап 35-се йорттан 55-се йортҡа тиклем; Маяковский урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 56-сы, таҡ яҡлап 1-се йорттан 61-се йортҡа тиклем; Новый Быт урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 44-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 41-се йортҡа тиклем; Октябрь урамы – йоп яҡлап 32-се йорттан 40-сы, таҡ яҡлап 33-сө йорттан 47-се йортҡа тиклем; Пушкин урамы - йоп яҡлап 14-се йорттан 58-се, таҡ яҡлап 11-се йорттан 35-се йортҡа тиклем. 1667-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Чкалов урамы, 20 (Усолка лесничествоһы бинаһы), тел.: 2-19-14. Красноусол ауылы: Горин, Пет-ровский, Ҡояшлы, Йәштәр, Чкалов, Берҙәмлек урамдары; Новый Быт, Каширин, Берҙәмлек тыҡрыҡтары; Фрунзе урамы – йоп яҡлап 98-сенән алып 104-се, таҡ яҡлап 93-сөнән алып 107-се йортҡа тиклем; Новый Быт урамы – йоп яҡлап 46-сынан алып 66-сы, таҡ яҡлап 43-сө йорттан алып 61-се йортҡа тиклем; Маяковский урамы - йоп яҡлап 58-сенән алып 96-сы, таҡ яҡлап 63-сө йорттан алып 101-се йортҡа тиклем; Ҡыҙыл партизан урамы – йоп яҡлап 60-сынан алып 88-се, таҡ яҡлап 63-сөнән алып 91-се йортҡа тиклем; Комсомол урамы – йоп яҡлап 34-се йорттан алып 56-сы, таҡ яҡлап 23-сө йорттан алып 43-сө йортҡа тик-лем; Каширин урамы – йоп яҡлап 44-се йорттан 84-се, таҡ яҡлап 53-сө йорттан алып 75-се йортҡа тиклем; Калинин урамы – йоп яҡлап 60-сы йорттан алып 96-сы, таҡ яҡлап 49-сы йорттан алып 91-се йортҡа тиклем; Дзержинский урамы – йоп яҡлап 66-сы йорттан 98-се, таҡ яҡлап 77-се йорттан алып 111-се йортҡа тиклем. 1668-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, К.Маркс урамы, 72 (“Тирәккәй” балалар баҡсаһы бинаһы), тел.: 2-67-72. Красноусол ауылы: Әхмәтйәнов, Гоголь, З.Вәлиди, Ҡыҙыл Шишмә, Урман, Болон, Май, Пятяри, Р.Ғарипов, Сахалин, Дала, Һабантуй, Толстой, Фабрика, Чапаев, Шайморатов, Ф.Яҡупов урамдары; Пугачев, Гоголь тыҡрыҡтары; Көнсығыш урамы – йоп яҡлап 26-сы йорттан алып 84-се, таҡ яҡлап 41-се йорттан алып 97-се йортҡа тиклем; К.Маркс урамы – йоп яҡлап 52-се йорттан алып 88-се, таҡ яҡлап 59-сы йорттан алып 125-се йортҡа тиклем; Курорт урамы – йоп яҡлап 36-сынан алып 42-се, таҡ яҡлап 23-сөнән алып 43-сө йортҡа тиклем; Новоселка урамы йоп яҡлап 34-сенән алып 78-се, таҡ яҡлап 25 А һанлы йорттан алып 53/1-се йортҡа тиклем; Пугачев урамы – йоп яҡлап 22-сенән алып 92-се, таҡ яҡлап 25-сенән алып 95-се йортҡа тиклем; Пушкин урамы - йоп яҡлап 60-сынан алып 118-се, таҡ яҡлап 37-сенән алып 103-сө йортҡа тиклем. 1669-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Красно- усол ауылы, Коммунистик урамы, 45 (3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-16-91. Красноусол ауылы: Әсфәндийәров, Г.Вахрушев, Ғ.Туҡай, Дарвин, Д.Бедный, З.Исмәғилев, З.Мәхмүтов, М.Аҡмулла, Интернациональ, Ҡыҙылармеец, Ҡыҙыл Яр, Курорт, Леспромхоз, Ломоносов, Луначарский, М.Гәрәев, Яр буйы, Тимирязев, Төлкәҫ, Ушаков, Һ.Дәүләтшина, Халиҡов, Ш.Бабич урамдары; Тимирязев тыҡрығы; Көнсығыш урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 24-се, таҡ яҡлап 1-сенән алып 39-сы йортҡа тиклем; Новоселка урамы – йоп яҡлап 2-сенән алып 32-се, таҡ яҡлап 1-сенән алып 23-сө йортҡа тиклем; Курорт урамы – йоп яҡлап 2-сенән алып 34-се, таҡ яҡлап 1-сенән алып 21 А һанлы йортҡа тиклем; Пугачев урамы – йоп яҡлап 2-сенән алып 20-се, таҡ яҡлап 1-сенән алып 23-сө йортҡа тиклем; Коммунис-тик урамы - йоп яҡлап 26а һанлы йорттан 72/1-се, таҡ яҡлап 43-сө йорттан алып 81-се йортҡа тиклем. 1670-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Курорт ауылы, Шишмә урамы, 10 (Курорт ауы-лы төп дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-94-60. Курорт, Аҡташ, Пчелосовхоз ауылдары; Красноусол ауылы: М.Кәрим, Яңы, С.Агиш, Юбилей урамдары; Юбилей тыҡрығы. 1671-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Родина ауылы, Үҙәк урам, 4 ("Родина" агрофирмаһы контораһы бинаһы), тел.: 2-38-59. Родина ауылы. 1672-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Табын ауылы, Мәктәп урамы, 6 (Табын ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-44-30. Табын ауылы: Дауахана, Горький, Ғафури, Кейекбаев, Колхоз, Ҡыҙыл партизан, Яр буйы, Осипенко, Островский, Октябрь, Пушкин, Беренсе Май, Тыҡрыҡ, Салауат Юлаев, Баҡса, Серов, Тракт, Усолка, Чкалов, Мәктәп урамдары; Киров урамы - йоп яҡлап 2-сенән 68-се, таҡ яҡлап 1-сенән 65-се йортҡа тиклем; Үҙәк урам - йоп яҡлап 2-се йорттан 70-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан алып 43-сө йортҡа тиклем. Кузьма-Александровка ауылы. 1673-сө һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Табын ауылы, Үҙәк урам, 55 (Табын ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-42-02. Табын ауылы: Йылға, Баҫыу, Бельский, Урман, Болон, Совет, Ҡояшлы, Йәштәр, Яңы Табын урамдары; Киров урамы йоп яҡлап 70-сенән алып 82-се, таҡ яҡлап 67-се йорттан алып 83-сө йортҡа тиклем; Үҙәк урам йоп яҡлап 72-се йорттан 92-се йортҡа тиклем, 64-се (2 ҡатлы) йорт, таҡ яҡлап 45-сенән алып 65в һанлы йортҡа тиклем; Ҡояшлы ҡасабаһы. 1674-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Архангелка ауылы, Үҙәк урам, 31 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-41-81. Архангелка, Әхмәт, Еңеү, Павловка, Героевка ауылдары. 1675-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Березовка ауылы, Мәктәп урамы, 20 (Березовка башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе-балалар баҡсаһы бинаһы), тел.: 2-34-08. Березовка, Яңы Бурлы ауылдары. 1676-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Игенйылға ауылы, Мәктәп урамы, 24 б (Игенйылға төп дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-37-17. Игенйылға, Цапаловка, Ҡыҙыл Дубровка ауылдары. 1677-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Ҡотлоғужа ауылы, Кооператив урамы, 26 а (ауыл клубы бинаһы), тел.: 2-40-24. Ҡотлоғужа, Яңы Ҡарамыш ауылдары. 1678-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Аҡкүл ауылы, Элеватор урамы, 1/5 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-47-73. Белоозеровка, Софьино ауылдары; Аҡкүл ауылы: Тимер юл, Техник урамдары; Беренсе, Икенсе, Баҫыу, Эшсе, Техник тыҡрыҡтары; Вокзал урамы - таҡ яҡлап 71-се йорттан 105-се йортҡа тиклем; Көнсығыш урамы - йоп яҡлап 24-се йорттан 166/1-се, таҡ яҡлап 7-се йорттан 99-сы йортҡа тиклем; Ленин урамы 117-се йорттан алып 147-се йортҡа тиклем; Йәштәр урамы – йоп яҡлап 42-сенән алып 48-се, таҡ яҡлап 43-сө йорттан алып 75-се йортҡа тиклем. 1679-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Аҡкүл ауылы, Мәктәп урамы, 6 (Аҡкүл урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-46-61. Войновка, Дарьино, Ивановка, Уваровка ауылдары; Аҡкүл ауылы: Дуҫлыҡ, Көнбайыш, Мәктәп, Элеватор, Көньяҡ урамдары; Мәктәп, Дуҫлыҡ тыҡрыҡтары; Вокзал урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 94-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 69-сы йортҡа тиклем; Көнсығыш урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 20-се йортҡа тиклем, таҡ яҡлап 3-сө йорт; Ленин урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 142-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 115-се йортҡа тиклем; Йәштәр урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 40-сы, таҡ яҡлап 1-се йорттан 41-се йортҡа тиклем. 1680-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Антоновка ауылы, Мәктәп урамы, 5/1 (Антоновка ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-59-19. Антоновка, Дмитриевка ауылдары. 1681-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Татар Саскүле ауылы, Мәктәп урамы, 2 (Татар Саскүле ауылы мәктәбе бинаһы), тел.: 2-47-32. Татар Саскүле, Болон ауылдары. 1682-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Рус Саскүле ауылы, Чапаев урамы, 17 (Рус Саскүле башланғыс мәктәбе бинаһы), тел.: 2-48-10. Рус Саскүле ауылы. 1683-сө һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Бурлы ауылы, Ҡазан урамы, 21 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-33-21. Бурлы ауылы. 1684-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Байымбәт ауылы, Үҙәк урам, 9 (балалар баҡсаһы бинаһы), тел.: 2-40-57. Байымбәт ауылы. 1685-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Ҡормантау ауылы, Мәктәп урамы, 38 (Ҡормантау ауылы мәктәбе бинаһы), тел.: 2-87-16. Ҡормантау ауылы. 1686-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Яугилде ауылы, Мәктәп урамы, 21 (Яугилде ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-49-25. Яугилде, Ерек, Михайловка ауылдары. 1687-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран ауылы, Мәжит Ғафури урамы, 17 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-53-60. Еҙем-Ҡаран, Баҡраҡ, Яҡтыкүл ауылдары. 1688-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Үзбәк ауылы, Мәктәп урамы, 10 (Үзбәк ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-31-43. Үзбәк, Оло Үтәш, Бәләкәй Үтәш, Урта Үтәш, Яңы Ерек ауылдары. 1689-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Ибраһим ауылы, Бикташев урамы, 4 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-54-00. Ибраһим, Абдулла, Ҡыҙыл Яр ауылдары. 1690-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы, Ә.Вахитов урамы, 31 (Сәйетбаба ауылының Жәлил Кейекбаев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-50-72. Туғай, Ҡаранйылға ауылдары. Сәйетбаба ауылы: Ә.Вахитов, Ж.Кейекбаев, К.Сәғәҙиев, Каширин, Мәндем, Йәштәр, Үтәгәновтар, Мәктәп, Юбилей урамдары. Жәлил Кейекбаев, Каширин, Йәштәр, Юбилей тыҡрыҡтары. 1691-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы, Партизан урамы, 50 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-58-39. Ҡолҡан, Яңы Заһит ауылдары; Сәйетбаба ауылы: Бер туған Дәминевтар, Еҙем, Колхоз, Комсомол, Октябрь, Партизан, Үҙәк, Еңеүҙең 30 йыллығы урамдары. 1692-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Уҫман ауылы, Үҙәк урам, 12 (башланғыс мәктәп бинаһы), тел.: 2-56-52. Уҫман ауылы. 1693-сө һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Йөҙимән ауылы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 25 (Ғ.Вәлиев исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-56-32. Йөҙимән, Имәнлек ауылдары. 1694-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Ҡауарҙы ауылы, Зәки Вәлиди урамы, 32 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-55-65. Ҡауарҙы, Аҡташ ауылдары. 1695-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Юлыҡ ауылы, Үҙәк урам, 77 (ауыл клубы бинаһы), тел.: 2-55-01. Юлыҡ, Һабай ауылдары. 1696-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Имәндәш ауылы, Колхоз урамы, 47 (Имәндәш ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-52-61. Имәндәш, Тайыш, Таш-Аҫты ауылдары. 1697-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Ҡарағай ауылы, Үҙәк урам, 52 (Ҡарағай урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-57-41. Ҡарағай, Мораҙ, Яңы Тайыш, Яңы Ҡауарҙы, Некрасовка, Юрмаш ауылдары. 1698-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Ҡурғашлы ауылы, Урман урамы, 3 (Ҡурғашлы ауыл клубы бинаһы), тел.: 2-83-03. Ҡурғашлы ауылы. 1699-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Түбәнге Ташбүкән ауылы, М.Ғафури урамы, 37 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-84-00. Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән ауылдары. 1700-сө һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Толпар ауылы, Үҙәк урам, 11 (Толпар ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы), тел.: 2-81-13. Толпар, Ерекле ауылдары. 1701-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Ташлы ауылы, Мәктәп тыҡрығы, 4 (Ташлы ауылы мәктәбе бинаһы), тел.: 2-85-80. Ташлы, Суходол, Яңы Семеновка, Яңы Әлтәшле ауылдары. 1702-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Мәндем ауылы, Үҙәк урам, 39 (ауыл клубы бинаһы), тел.: 2-82-07. Мәндем ауылы. 1703-сө һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Үтәк ауылы, Чапаев урамы, 2 (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-64-05. Үтәк, Иҡтисад ауылдары. 1704-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Туғай ауылы, Үҙәк урам, 2б (Туғай башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы бинаһы), тел.: 2-86-43. Туғай, Игенселәр ауылдары. 1705-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Яңғыҙҡайын ауылы, Әсфәндиәров урамы, 2 (Яңғыҙҡайын балалар баҡсаһы бинаһы), тел.: 2-35-44. Урал ауылы; Яңғыҙҡайын ауылы: Әсфәндиәров, Әхмәтйәнов, Яр, Колхоз, Тимерлек, Партизан, Баҡса, Социалистик, Шишмә, Мәктәп урамдары. 1706-сы һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Яңғыҙҡайын ауылы, Әсфәндиәров урамы, 2 (Яңғыҙҡайын ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы), тел.: 2-35-38. Ноябревка ауылы; Яңғыҙҡайын ауылы: Баҡыев, Егән, Болон, Механизаторҙар, Йәштәр, Писяев, Совет, Урал, Чапаев урамдары. 1707-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Мораҡ ауылы, Партизан урамы, 6 (Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-63-19. Мораҡ, Дмитриевка, Ҡарлы, Ҡыҙыл Октябрь, Новотроевка ауылдары. 1708-се һайлау участкаһы БР, Ғафури районы, Буруновка ауылы, Йәштәр урамы, 10 (Буруновка ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы), тел.: 2-66-63. Буруновка, Бажыҡ, Петропавловка ауылдары. Өҫтәмә мәғлүмәтте 2-13-07 телефоны аша алырға мөмкин. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы ағымдағы йылдың көҙ башында Рәсәйҙең ял итеү өсөн иң популяр күлдәрен атаны. Беренсе урында — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл. Артабан Тверь өлкәһендәге Селигер һәм Иркустк өлкәһендәге Байкал күлдәре килә. Сервис белгестәре Рәсәйҙә туристарҙың 1 сентябрҙән алып 30-нә тиклем торлаҡ бронләүен тикшерҙе. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда күлдәрҙә ял итеүгә өҫтөнлөк бирәләр. Яҡтыкүлдә туристар сентябрь айында уртаса 4,5 көн ял итә һәм торлаҡты ҡуртымға алыуға тәүлегенә 3,1 һум тотона, йыш ҡына ике ғаилә өсөн торлаҡ бронләй. Сағыштырыу өсөн: Селигерҙа — 4,2 мең һум/4 төн һәм Байкалда — 4,9 мең һум/2,5 төн. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юлдаш" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи , информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ 02-01372.
Танышым һөйләп торҙо:—Ейәнсәрем ҙурайған һайын иртәнән алып кискә ҡәҙәр көҙгө ҡаршыһында бөтөрөлә.—Ә үҙең һуң, унда ҡарағаның бармы?—тигән һорауҙы ҡыҫтырҙым.—Нимәгә?! Арыған, таушалған кешене күргәнем юҡмы ни минең! Көҙгөгә баҡмаһам да башымда ҡырамалай ҡырҡ хәстәр, үткәндәрҙе хәтерҙә яңыртам, тыуыр көндө ҡайғыртам. Көҙгөгә ҡараһам унда йөҙөм түгел, ана шул уйҙарым сағылалар төҫлө…Шулай инде, әҙәм балаһы олоғая барған һайын икенсе көҙгөгә йышыраҡ ҡарай. Күңел көҙгөһөнә… Танышым һөйләп торҙо: —Ейәнсәрем ҙурайған һайын иртәнән алып кискә ҡәҙәр көҙгө ҡаршыһында бөтөрөлә. —Ә үҙең һуң, унда ҡарағаның бармы?—тигән һорауҙы ҡыҫтырҙым. —Нимәгә?! Арыған, таушалған кешене күргәнем юҡмы ни минең! Көҙгөгә баҡмаһам да башымда ҡырамалай ҡырҡ хәстәр, үткәндәрҙе хәтерҙә яңыртам, тыуыр көндө ҡайғыртам. Көҙгөгә ҡараһам унда йөҙөм түгел, ана шул уйҙарым сағылалар төҫлө…
Күңелдән ғүмерҙә тоймаған хистәр урғылып сыға. Һәм ул хистәр тыңламайҙар, әллә ҡайҙарға ашыға. Хатта йөрәктең тибеше шаша hәм тулай күкрәктә, Белмәйем ни булды, сибәр бер ҡыҙҙы күргәнгә әллә. Припев: Күңелендә ҡояш, ә йөҙөңдән hирпелә ай нуры. Бөгөнгө төндә беҙ икәү, яратам тик hине, матурым. Ошо ваҡыттан алып мөхәббәттең ҡолона мин әйләндем. Уның тимер ыскынмаҫлыҡ бығауына лә бәйләндем. Тырыштым көн дә ҡасырға, ләкин белмәнем серҙәрен. Ә ниңә ҡасырға, һылыуым, мин бит һине hөйәмен. Припев: Күңелендә ҡояш, ә йөҙөңдән hирпелә ай нуры. Бөгөнгө төндә беҙ икәү, яратам тик hине, матурым. (2раза) Беҙ бергә саҡта (Айгиз Иҫәндәүләтов менән) Раис Кангильдин Булһаң янда Раис Кангильдин 1) Йылы май һәм киске урам Йырлайҙар һинең тура ла. Йылмайып ҡарап торам, Елгә һинең сәс бурала. Мең ҡараш ҡарап оҙата Һинең һәр аҙымыңды, Күк йөҙө йондоҙын ата, Ай яҡтырта юлыңды, Ай яҡтырта юлыңды. припев: Алһыуланып атырҙар таңдар Ҡара күкте ҡаплар йондоҙҙар Мөғжизәгә тулыр бар донъям Бары тик һин булһаң янымда 2) Сәскәгә күмелгән баҡса, Үтәһең көндә янынан. Һулыған гөлләмә булһа Сәскә ата ул яңынан. Тиң түгел һинең матурлыҡ Ер йөҙөндә бер нийгә. Һинең тура ла йыр йырлар, Көйөн көйләр һәр күргән, Көйөн көйләр һәр күргән. Тыуған яғым Раис Кангильдин куплет Яландарҙа һайрай һандыуғас Томан ҡалҡҡанда Ҡайтып киләм йыраҡ юлдарҙан Һағыштарым Таралып ҡалды юлдар сатында Йырым тыуҙы һинең хаҡыңда припев Тыуған яғым Тыу Йәнем йылмай Раис Кангильдин Ул ярата,ҡояш нуры әгәр Биткә ҡағылып наҙлап уятһа. Ул ярата,йылы киске елдәр, Арҡаһынан һөйөп оҙатһа. Балдай татлы йәйҙең һәр көндәре, Онотолмай йондоҙло төндәре. Иренең тәме һәм һинең күҙҙәр- Бәхетле көндәр! Припев: Дөрләп яныр ҡыҙыу усаҡтай Һинең йөрәгең. Инде шул саҡта, Иҫеңә төшөр беҙҙең уҙған йә, Тик бойоҡма,йәнем,йылмай,һэй!!! куплет: Ул яраткан саскалар байламен Калдырам конда ойо янында. Ул яраткан йырзарзарзы йырлайым дустар менан усак якканда. Дуҫтар уратһа, йәйҙәр күңелле Һәр көн ҡалыр хәтерҙә ғүмерлек. Тик тиҙ уҙа йәйҙәр, моңһоуланма, Иң мөһиме уҙмаһын заяға .
Күҙ менән ҡаш араһында юғалдылар ҙа ҡуйҙылар. Полицияға ғариза яҙырға ынтылғайнылар, улары, бер аҙна үтмәйенсә, кәүҙәләре табылмайынса, эҙләү ҙә, енәйәт эше лә булмаясаҡ, тип тынысландырып сығарып ебәрҙеләр. Нәғимә менән Айзат “Пежо” менән көньяҡҡа ынтылғандарҙыр, Ҡырымға, йә самолет менән, һис юғы Тунисҡа осҡандарҙыр, тип уйлағандар хаталаналар. Уларҙың палаткаһы ике аҙна буйы Талҡаҫ күле буйында елберләп ултырҙы. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ АУЫЛСА ҺАНТЫЙ БАРБАРА (16+) Хикәйә. Һигеҙенсе бүлек. Айзат Талҡаҫты күреү хаҡында ғүмер буйы хыялланған икән. Ә инде ошо ваҡыт эсендә Нәғимә үҙен юҡтан бар яһаусы, Иҫән магазинының барлыҡ ассортиментынан бына тигән аш өлгөләре бешереп күрһәтте. Әлбиттә, уҡыусылар араһында “Пежо” менән нисек барып еткәндәр, полиция ҡыҙыҡһынмағанмы, тигән һорауҙар тыуыр. Дөрөҫ шикләнәһегеҙ. Ләкин страховка алдан уҡ Наҡыя менән Нәғимә исеменә яҙылғайны. Инде ҡайтыр ваҡыт та етеп килә, ике аҙна үтеп бара. Нәғимәнең йөрәге өлпөлдәп ҡуйһа ла, Айзат бар тип тә белмәй: – Минең, һинән башҡа, матурым, юғалтыр бер нәмәм дә юҡ, – ти ул. – Мин һине урламаным, киреһенсә, һин мине, “Пежо”ға ултыртып, урланың. Мин һиңә бының өсөн рәхмәтлемен. Миндә үкенес тойғоһо юҡ. Ниһайәт, мин үҙемдең ғүмерлек мөхәббәтемде таптым. Мин уның менән тау аҡтарырға ла, ошо күлдең һыуын күнәкләп ташып бөтөрөргә лә әҙер. – Ә Наҡыя апайым менән ни эшләрбеҙ икән? – тип борсола һеңлеһе. – Ул беҙҙе ғәфү итерме икән? – Борсолма, матурым. Ул беҙҙе ғәфү итмәйәсәк. Әммә уның ғәфү итеүе беҙгә кәрәк түгел. Шулай булғас, тормош яҙмыш һыҙған юлдан алға барасаҡ. Ҡайтҡас, матур ғына итеп туй үткәрербеҙ. Әйткәндәй, әсәйең биргән аҡсаны тотоноп бөтмә. Беҙ уны туй мәшәҡәттәренә ебәрербеҙ. – Әйҙә, былай һөйләшәйек, – тине Нәғимә. – Мин аҡса тота белмәйем. Минең ҡулдағы аҡсаның шундай үҙенсәлеге бар: күпме генә бирмәһендәр, ул аҡса, ҡом һымаҡ, минең бармаҡтарым араһынан ҡойолоп бөтөүгә һәләтле. Ә һиңә аҡса ла тота белмәгән ҡатын нимәгә кәрәк? Һин миңә әҙ-әҙләп кенә – икмәккә, күлдәккә генә – бирерһең һәм шул мине ҡәнәғәтләндерәсәк. Икәүләшеп палатканы яңғыратып көлдөләр. *** Нәғимәнең атаһы, Батыр, шәхси детективтарға мөрәжәғәт иткәйне, ике көн дә үтмәне, тулы отчет менән килеп тә еттеләр. Бына Талҡаҫ буйы. Фотола – күлдең үҙе, таныш “Пежо” ултыра. Ҡара әле, номерын да ҡаплап ҡуймағандар бит әле! Бына – палатка һәм ҡояшта ҡап-ҡара булып янған ҡыҙ менән егет. Шашлык көйҙөрәләр. Ярай, тамаҡтары туҡ икән, тип һығымта яһаны өлкән Бөкө. Ят кешеләр сығып китеү менән, Батыр эргәһенә Әлиә керҙе. Һуңғы көндәрҙәге билдәһеҙлектән ҡатын шыпа ябыҡты, хатта күҙ төптәре ҡап-ҡара булды. Көнө буйы эш, фирма мәшәҡәттәре. Хәҙер төндәрен дә йоҡлай алмай, ҡыҙын уйлай. Батыр, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ҡатыны алдына фотоларҙы сығарып һалды. – Ҡайҙа инде улар? – Баймаҡ районында, Талҡаҫ күле буйында. – Унда барырға йыраҡмы? – Һинең джип менән Ҡолғана-Түбә аша – өс сәғәт, Өфө аша – дүрт сәғәт. – Әллә барып киләйекме? – тип иренә инәлеп ҡараны ҡатыны. – Мин риза, – тине ире, бер аҙ уйлағандан һуң, – ләкин мин бармаҫҡа кәңәш итер инем. – Ни өсөн? – Әле минән сыҡҡан детектив һөйләп китте, улар үҙҙәрен бик бәхетле тоя икән. Балаларҙың юлына төшкөм килмәй. Улар беҙ түгел, бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөтәләр. Ярай, барып төштөк, ти, тотоп алдыҡ, бәйләп һалдыҡ. Артабан нимә? Үҙҙәре сығып китте, үҙҙәре ҡайтып инерҙәр. Бер аҙ уйлағандан һуң, Әлиә лә ризалашты: – Ярай, атаһы, мин – риза, – тине ул. – Ә Айзатҡа килгәндә, миндә һығымта шул килеш ҡала: ныҡыш, әрһеҙ, бер нәмә алдында ла туҡтап ҡалмай торған кеше менән эш итәбеҙ. Үҙең беләһең, беҙ түгел, ул һайлай. Шулай булғас, кейәүгә һайланыу мөмкинлеге бирәйек. Аҙаҡтан уға ла, беҙгә лә үкенерлек булмаһын. *** Ә инде Рәмзиә менән Рифмир улдарының Нәғимәне алып сығып китеүен бер тәртәгә лә һыйырлыҡ түгел ваҡиға тип таптылар. Былай барһа, Рәмзиәнең ғәләмәт ҙур планы юҡҡа сыға һәм Бөкөләр менән туғанлашырға тура килә инде. Шул ваҡыт Рәмзиәнең әхирәте Гөлсирә килеп инде. Ниңәлер был юлы ҡыҙын эйәртмәгән. Сәй эсеп, тамаҡ ялғағас, Гөлсирә, ауыл ҡатындарына ғына хас ябайлыҡ менән: – Мин үҙемдең ҡыҙымды һеҙҙең улығыҙға бирмәҫкә булдым. Ҡыҙым Өфөгә йыйына, эшкә урынлаша, медицина институтына уҡырға инергә теләй. Эшләһен, уҡыһын, табип дипломы менән кейәү табыла ул, – тине. Быны ишеткәс, Рәмзиәнең йәне көйөп китте: – Ә ниңә кеше ышандырып йөрөнөгөҙ инде? – тине ул. – Ниңә, үҙең һораның да инде, Айзатым кәләш таба алмай, Әлиәнең ҡыҙҙарына өйләнергә итә, тинең, – тип аҡланды әхирәте. – Сеү! Был хаҡта онот, әхирәткәйем, – тине Рәмзиә тирә-яҡҡа күҙ һалып. – Ярай, берәү ҙә ишетмәне, шикелле. – Айзатығыҙ табылдымы һуң әле? – тине Гөлсирә. – Берәй хәбәр бармы? – Бер хәбәр ҙә юҡ, – тине Рәмзиә. – Һыуға төшкән һымаҡ булдылар ҙа ҡуйҙылар! – Бәлки, ысынлап та, һыуға төшкәндәрҙер, – тине Гөлсирә кинәйәле генә итеп. – Минең ҡыҙыҡайҙы әйтәм, Хәбирә, кисә телевизор ҡарап ултырғайны, Талҡаҫ күле буйында ҡырағай ял итеүселәр хаҡында “Яңылыҡтар”ҙа һөйләгәндәр. Шунда Айзатҡа оҡшаған берәү күренеп ҡалған, – тине бышылдап ҡына. Рәмзиә һиҫкәнде. Уф, ошо халыҡтан бер нәмә йәшереп булмай. Телевизор ҡарайҙар, радио тыңлайҙар, гәзит уҡыйҙар. Ул тиклем мәғлүмәт нимәгә кәрәк инде? – Йөрөһә, йөрөрҙәр инде, – тине Рәмзиә, – үҫкәндәр, үҙ көндәрен үҙҙәре күрерлек. – Шулайын шулай ҙа ул, – тине Гөлсирә. – Тик анауы, Бөкөләрҙең килене, Әлиәне әйтәм, был Бүкәндәрҙең Айзаты ҡайҙан килеп сыҡты, ҡыҙҙарымдың башын әйләндереп тик йөрөй, тип һөйләнгән. – Һөйләнһен! – тине Рәмзиә. – Ул тиклем байлығым булһа, мин дә шым ултырмаҫ инем. *** Икенсе көнөнә кисен Бүкәндәрҙең ихатаһына ап-аҡ “Пежо” килеп инде һәм оялған һымаҡ ҡына, Рәмзиәнең тутыҡҡан “алтылы”һы эргәһенә һыйынды. Хәйер, көндөҙөрәк Айзат, атаһына шылтыратып, киҫәтеп ҡуйғайны: “Мин ҡайтам, атай, төндә көтөгөҙ!” – тине. “Ҡайт. Үҙең беләһең, ҡапҡа һәр ваҡыт асыҡ”, – тине атаһы. Кискә Батырға шылтыратып, был хаҡта әйтеп ҡуйырға ла онотманы Рифмир. Ни булһа ла, баяғы, туғанлашырға йөрөйҙәр, ниңә күрәләтә, ҡоҙалашмаҫ борон, мөнәсәбәттәрҙе боҙорға? Йәштәр йорт хужалары менән сәй эскәндән һуң бесәнлеккә йоҡларға инеп китте. Рифмир Батырға СМС-ка ебәрҙе. “Улар өсөһө лә беҙҙә ял итәләр”, – тип яҙылғайны унда. Күп тә үтмәне, һорау килде: “Кем – өсөнсөһө?”. “Уныһы – “Пежо”, “алтылы”ның ҡосағында, әгәр тутыҡҡан һәм үтә күренә, тип ғәйеп тапмаһағыҙ”, – тип өҫтәне. Яуап урынына ауыҙын йырған смайлик ҡына килде. Батыр ҡатынын ҡыуандырырға ашыҡты: – Өсөһө лә ҡайтҡан, юғалтыуҙар юҡ. Әлиәнең һорауҙары юҡ ине. Ул хатта “өсөһө лә ҡайтты” тигән һүҙгә лә иғтибар итмәне. Аҙаҡтан, тағы бер нисә аҙна үткәс, ваҡиғалар һилләнгәс, “өсөһө лә” тигән һүҙ төп дәлилгә әйләнәсәк һәм хәлдәр артабан да ҡатмарлаша башлаясаҡ. —--------— Хикәйәбеҙҙе уҡыусылар “16+”-кә иғтибар иткәндер, интернетҡа көнөнә икешәр тапҡыр инеүебеҙҙе лә күргәндер, тип өмөт итәбеҙ. Ҡулланыусылар араһында иғтибарҙың көндән-көн һәм сәғәт һайын артыуы беҙҙе ҡыуандыра һәм “16+” тамғаһын ҡуйырға, көсөргәнешлерәк эшләргә мәжбүр итә. “Был һантыйҙар нимә яҙыр икән?” – тип аптырамағыҙ. Сөнки мөнәсәбәттәр киҫкенләшәсәк, ваҡиғалар ҡуйырасаҡ, унда иһә, һеҙҙең дә, беҙҙең дә бер ғәйебебеҙ ҙә юҡ. Барыһына ла Бөкөләр һәм Бүкәндәр ғәйепле. Тағы бер иҫкәрмә. Иғтибар иттегеҙме икән, беҙҙең геройҙарыбыҙ – һеҙҙең һәм үҙебеҙҙең ауылдаштарыбыҙ, эргәбеҙҙә йөрөгән кешеләр. Ә улар араһында тиҫкәре образдар юҡ, тип әйтерлек. Рәхмәт! Бергә ҡалайыҡ! Иҫән-һау булығыҙ! Дауамы бар. Ещё Напишите сообщение... Автор:Ралиф Кинзябаев Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Табип - бактериологтар ҡулланыуҙа булған ҡағыҙ һәм тимер аҡсаларҙы тикшереп ҡараған. Аҡсаларҙа эсәк таяҡсалары, сир тарата торған микробтарҙың күп булыуы асыҡланған. Быларҙан тыш, тире ауырыуҙары китереп сығара торған бәшмәктәр ҙә табылған. Ҡағыҙ аҡсаның бер квадрат метрында 30 мең тирәһе бактерия бар. Туберкулез таяҡсалары унда өс ай һаҡлана.Купюраларҙа грипп вирусы ике аҙнаға тиклем тора. Аҡса тотҡандан һуң ҡулығыҙҙы йыуырға онотмағыҙ. Уны тик кошелекта ғына һаҡлағыҙ. "Йәшлек" гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе Рәсим Ғирфанов Омск өлкәһе рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Йөкләмәләрҙе бүлеүгә ярашлы, ул Омск өлкәһенең Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса Баш идаралығы, Омск өлкәһе Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара эш итеү идаралығы, губернаторҙың Дәүләт серен һаҡлау буйынса идаралығы эшмәкәрлеген күҙәтәсәк. Бынан тыш, Ғирфанов мәғлүмәт именлеге буйынса өлкә комиссияһы, Омск өлкәһенең терроризмға ҡаршы комиссия аппараты, төбәк наркотиктарға ҡаршы комиссия аппараты, өлкә эвакуация комиссияһы, Омск өлкәһендә хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өлкәһендә эшмәкәрлекте көйләү буйынса ведомство-ара комиссияһы эшен етәкләйәсәк. Яҡташыбыҙ Рәсим Мәсәлим улы Ғирфанов 1951 йылдың 14 декабрендә Дәүләкәндә тыуған. Өфө авиация институтын, авиация двигателдәре факультетын тамамлаған. Юллама буйынса Өфө моторҙар эшләү заводының "Союз" тәжрибә конструкторҙар бюроһына эләгә, инженер-конструктор булып эшләй. 1979 йылда дәүләт именлеге органдарына эшкә саҡырыла. Минскиҙа Дәүләт именлеге комитетының Юғары курстарын, һуңынан Мәскәүҙә Дәүләт именлеге комитетының Юғары мәктәбен тамамлай. Оперуполномоченный вазифаһынан башлап, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫарына тиклем бөтә карьера баҫҡыстарын үтә. 2002 йылдың февраленән 2009 йылдың декабренә тиклем Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығын етәкләй. Генерал-майор званиеһында. Автор:Айҙар Хөсәйенов Теги:тәғәйенләүҙәр Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Нәзирә ситкәрәк китте лә, үҙе йәшәгән йорттоң яҡты тәҙрәләренә ҡарап, уйға ҡалды. Былтыр Миратҡа кейәүгә сыҡҡайны. Хәйер, өйләнештеләр, тиһәң, күберәк булыр. Нәзирә эш таба алмай, йәшәр урынһыҙ йөрөй ине, төнгө клубта Мират менән танышты. Саҡырғайны, эйәрҙе лә барҙы. Ә хәҙер, ике йыл була инде, бергә йәшәйҙәр. Никах уҡытыу, яҙылышыу, туй үткәреү хаҡында һүҙ булғаны юҡ. Нәзирә үҙе почтала эшләй, әллә ни ҙур эш хаҡы юҡ. Ә Мираты бизнес менән шөғөлләнә. Нисек шөғөлләнәлер, уныһын ҡатын бик белмәй, ләкин Мираттың көнө-төнө иҫәп-хисап менән булыуын, компьютер артында ултырыуын иҫәпкә алһаң, эшҡыуарлыҡ менәндер. Әсәһе Вәсилә Әхәтовна хәҙер хаҡлы ялда. Элегерәк арыу ғына урындарҙа ла эшләгән шикелле. Ике йыл ир менән ҡатын өсөн аҙ ғүмер түгел. Нәзирәнең эшләгеһе, иргә ярағыһы, бала табып ҡыуандырғыһы килә. Ана, бергә эшләгән иптәштәре лә: – Нимә көтөп йөрөйһөң, бәлки, ирең һинең тәүәккәлләгәнеңде көтәлер. Ҡыуандыр үҙен берәй малай менән, – тип ҡоторта. – Ауырлы икәнемде белеп ҡалып, ҡыуып сығарһа, тип ҡурҡам, – ти Нәзирә. – Әгәр иреңде бала менән үҙеңә бәйләп ҡуймаһаң, барыбер ҡыуып сығарасаҡ, – ти тәжрибәлерәк ҡатындар. -1- -2- -3- -4- ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК Хикәйә Беренсе бүлек Нәзирә ситкәрәк китте лә, үҙе йәшәгән йорттоң яҡты тәҙрәләренә ҡарап, уйға ҡалды. Былтыр Миратҡа кейәүгә сыҡҡайны. Хәйер, өйләнештеләр, тиһәң, күберәк булыр. Нәзирә эш таба алмай, йәшәр урынһыҙ йөрөй ине, төнгө клубта Мират менән танышты. Саҡырғайны, эйәрҙе лә барҙы. Ә хәҙер, ике йыл була инде, бергә йәшәйҙәр. Никах уҡытыу, яҙылышыу, туй үткәреү хаҡында һүҙ булғаны юҡ. Нәзирә үҙе почтала эшләй, әллә ни ҙур эш хаҡы юҡ. Ә Мираты бизнес менән шөғөлләнә. Нисек шөғөлләнәлер, уныһын ҡатын бик белмәй, ләкин Мираттың көнө-төнө иҫәп-хисап менән булыуын, компьютер артында ултырыуын иҫәпкә алһаң, эшҡыуарлыҡ менәндер. Әсәһе Вәсилә Әхәтовна хәҙер хаҡлы ялда. Элегерәк арыу ғына урындарҙа ла эшләгән шикелле. Ике йыл ир менән ҡатын өсөн аҙ ғүмер түгел. Нәзирәнең эшләгеһе, иргә ярағыһы, бала табып ҡыуандырғыһы килә. Ана, бергә эшләгән иптәштәре лә: – Нимә көтөп йөрөйһөң, бәлки, ирең һинең тәүәккәлләгәнеңде көтәлер. Ҡыуандыр үҙен берәй малай менән, – тип ҡоторта. – Ауырлы икәнемде белеп ҡалып, ҡыуып сығарһа, тип ҡурҡам, – ти Нәзирә. – Әгәр иреңде бала менән үҙеңә бәйләп ҡуймаһаң, барыбер ҡыуып сығарасаҡ, – ти тәжрибәлерәк ҡатындар. Ире иһә йәшәй башлағандың тәүге аҙналарында уҡ: – Мин һинең бала табыуыңды теләйем, тик саҡ ҡына һуңыраҡ. Ваҡыты еткәс, үҙем әйтермен, – тигәйне. Ире үҙ алдына һөйләнгәндәй, ҡосаҡлап, иркәләп, ныҡ итеп яратып, яғымлы итеп әйтте. Башҡа был хаҡта һөйләшмәнеләр. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре бергә йәшәү генә түгел бит әле ул. Балаһын да табырға, үҫтерергә лә кәрәк. Нәзирә тәүәккәлләне. Тәүге айҙың аҙағында был хаҡта иренә иғлан итергә, үҙенсә бүләк яһарға булды. Яңы йылды ҡаршылар алдынан был хаҡта әйтергә ҡарар итте. – Мират, йәнем, ни хәл итәйем икән? Ай аҙағы отчет, башым да ҡатып йөрөй ине, һиҙмәй ҡалғанмын, беҙҙең балабыҙ буласаҡ, – тине тотлоға-тотлоға. – Ысынлапмы? – тине Мират – Һин дөрөҫ әйтәһеңме? Ә һин беҙҙең был хаҡта һөйләшкәнде хәтерләйһеңме? – Хәтерләйем, – тине ҡатын ҡалтырана-ҡалтырана. – Нимә, оноттоңмо? – Онотманым, – тине ҡатын, бышылдап ҡына. – Ир көнө-төнө эшләй, әҙер фатир, хәҙер бала табам да быны тамам арҡанлайым, тип хыялланаһыңмы? Хаталанаһың, килеп сыҡмаясаҡ. Мират ҡапыл ярһып китте лә уң ҡулы менән өҫтәлгә шапылдатып һуҡты. – Аҡсаһын үҙең табаһың, алдырып киләһең! Нәзирә бәпес хаҡында күпме хыялланды, урамда бала күтәреп йөрөгән кешеләрҙе күрһә, көнләшеп ҡарап ҡала. – Һиңә кәрәкмәһә, үҙем өсөн табам, – тине ул, әхирәттәре өйрәткәнсә ныҡ итеп әйтергә тырышты. – Ярай әтеү, үҙең өсөн тап! –тине ир. Шунан аҡрын ғына торҙо ла Нәзирәне ишек яғына һөйрәй башланы. – Бына итегең, бына пуховигың, бер нәмәңде лә ҡалдырма. Ысҡын, күҙемдән юғал! – Мират, көтөп тор, һин нимә һөйләйһең, мин ҡайҙа барайым? – Ә ниңә ҡайҙа барырыңды мине алдар алдынан уйламаның? Миңә алдаҡсы ҡатын кәрәкмәй, ысҡын бынан, юғал күҙемдән! Нәзирә һаман, ире шаярталыр, тип өмөт итә. Бер аҙ тынысланыр ҙа, ярай, мин риза, һиңә лә күптән бала үҫтерергә ваҡыт, тип әйтер һымаҡ. Юҡ, Мират тынысланырға уйламай. Шифоньерҙы асты ла Нәзирәнең кейемдәрен алып ырғытты. – Бына, тоҡҡа тултырып ал, – тине ул. Етмәһә, ҡатлап-ҡатлап һүгенә. Ҡатындың ҡото осто, ирен был килеш күргәне юҡ ине әле. Бына эргәһендә тоғо, иҫке генә сумаҙаны. Телефонын алып, әллә шылтыратып ҡарайым микән, тип уйланы Нәзирә. Әгәр әсәһенә – Вәсилә апайға – шылтыратып ҡараһа? Шылтыратыу менән әсә кеше шунда уҡ яуап бирҙе: – Тыңлайым, – тине ул һалҡын ғына. – Һеҙҙең менән, Вәсилә Әхәтовна, осрашып һөйләшергә ине. – Кем тип әйтәйем икән һеҙгә, һин миңә ни килен, ни ҡыҙым түгелһең. Ярай, ябай ғына итеп, Нәзирә тип өндәшәйем. Минең улым үҙен ҡарарлыҡ өлкән кеше. Һеҙҙең арала нимә булһа ла, мин уның шәхси тормошона ҡыҫылмайым. Ул, тәүге ҡатынынан ике бала таптырып, бик ҙур хата яһаны. Алиментын ауырлыҡ менән түләй. Ул алиментын кем уйлап тапҡандыр... Ҡыҫҡаһы, әгәр улым һеҙгә ҡарата ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткән икән, мин уға башҡа кәңәш бирә алмайым, – тине лә трубканы һалып ҡуйҙы. Аңлашылды, тимәк, ул алимент түләй. Был яңылыҡ Нәзирәне тамам шаңҡытты. Нәзирәнең эргәһенән бер малай үтеп-һүтеп йөрөй ине. Төн уртаһы етеп килә, ул бында нишләп йөрөй икән? Эргәләге гараж артында малайҙың кем менәндер һөйләшкәне ишетелде. – Малай, һинең исемең нисек? – тине ир тауышы. – Рушан. – О-о, ниндәй матур исем. Әйҙә минең фатирға барайыҡ. – Ә унда миңә нимә бар? – тине малай. – Компьютерҙа уйнарһың, фильм ҡарарбыҙ. Мин һиңә шоколад ашатам. Бергә уйнарбыҙ. – Ә һинең фатирың ҡайҙа һуң? – Ана, ошонан ике өй аша ғына. Әйҙә, киттекме? – Белмәйем, – тип икеләнә малай. – Хәҙер атайым ҡайтырға тейеш. – Атайың Яңы йыл ҡаршылап йөрөйҙөр. Ниңә борсолаһың? Нәзирә, ниндәйҙер хәүеф һиҙеп: – Рушан, кем менән һөйләшәһең унда, кил әле бында! – тине. Гараж артына үрелеп ҡарағайны, теге ир, йөҙөн йәшереп, ситкә боролдо ла тиҙ-тиҙ атлап китеп барҙы. – Рушан, кил бында, – тине Нәзирә. Малай Нәзирә эргәһенә сыҡты. – Ә һин мине ҡайҙан беләһең? – Беләм инде. Ә һин мине танымайһыңмы ни? Мин бынауҙа йәшәйем. – Минең атайым таксист булып эшләй. 12-гә тиклем ҡайтырмын тигәйне, һаман күренмәй бит. Мин ул ҡайтҡансы берәй нәмә бешереп ҡуйырмын тигәйнем. Ә һин, апай, кемде көтәһең? – Көтмәйем. Минең барыр урыным юҡ. – Ә ниңә улай? Өйһөҙ ҡалдыңмы? – Юҡ, минең өйөм юҡ, мин ауылдан килдем. – Ә һин билмән бешерә беләһеңме? – Ә мин күп нәмә бешерә беләм. – О-о, ҡалай шәп! Әйҙә, әтеү беҙгә керәйек. – Ә атайың ҡайтып, мине ҡыуып сығарһа? Әсәйең ҡайтып керһә? – Юҡ, атайым ҡыумаҫ, мин һөйләшермен. – Ә әсәйең ҡайҙа? – Ул больницала ятты. Бик оҙаҡ ятты. Ҡайтманы. – Әйҙә улайһа, һиңә керәйек. Нәзирә бер ҡулына тоғон, икенсеһенә юл сумкаһын тотто ла малай менән өйгә кереп киттеләр. Дауамы: Икенсе бүлек ------------------------ Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Көҙгө, ямғырлы кис. Япраҡтар, осоп килеп, тәҙрәгә йәбешә. Еүешләнгән ағас ботаҡтары тәҙрәгә һуға. Туҡ! Туҡ! Туҡ! Илһам балаларына әкиәт уҡый. Өсөнсө әкиәтте уҡығанда дүрт йәшлек Зилә йоҡлап китте. Тағы берәүҙе уҡығас, Тайфур ойоно. Илһам утты һүндерҙе, балаларҙың өҫтөнә яҡшылап япты. Бөгөн ҡатыны Зәлиә ҡайтмаясаҡ. Уның бер әхирәтенең тыуған көнө Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БӘЛӘГӘ ТАРЫҒАН ҠАТЫН. Хикәйә. Күптән бындай байрамдарҙа ҡатнашҡаны юҡ. Илһам үҙе рөхсәт итте: “Эсергә тура килһә, руль артына ултырып мәшәҡәтләнмә”, – тип киҫәтеп ҡуйҙы. Илһам менән Зәлиә Өфө эргәһендәге ҙур ауылдарҙың береһендә йорт төҙөп керҙеләр. Етеш йәшәйҙәр, икеһенә лә кредитҡа машина һатып алдылар. Ауыл менән ҡала араһы 20 километр – ҙур айырма түгел. Илһам беренсе тапҡыр ғаилә түшәгенә яңғыҙы ятты һәм ҡапыл һиҫкәнеп ҡуйҙы. Бәлки рөхсәт итмәҫкә булғандыр? Ул ҡатынын сикһеҙ ярата һәм уға ышана. Ҡатынының яратыуын да шик аҫтына ҡуймай. Зәлиә һуңғы биш-алты йылда беренсе тапҡыр ресторанда ҡунаҡ була. Ресторан тулы халыҡ. Күңелле музыка. Һәр өҫтәл артында – ят кешеләр. Зәлиә тәүҙә үҙен уңайһыҙыраҡ тойҙо. Ана, әхирәттәре ниндәй сағыу, асыҡтан-асыҡ кейенгәндәр. Ул ғына бер үҙе әхирәттәренә һыйынып ултыра һәм күҙгә салынмаҫҡа тырыша. Иң күрмәлекһеҙе булғас, ни хәл итәһең инде. Стресты кәметәм, тип Зәлиә бер-ике коньяк уртланы. Иғтибар итмәҫтәр, тип өмөт иткәйне, иң тәүҙә уны бейергә саҡырҙылар. Өҫтәл аша ғына ирҙәр ултырған икән, шуларҙың береһенең күҙенә салынған Зәлиә. Уны бейергә саҡырған ир – Амур исемле. Иғтибарлы. Яңғыҙ икән. Ошонда уҡ фатиры бар. Зәлиә тәүҙә уға иғтибар ҙа итмәне. Ул шуға өйрәнгән, сит-ят ирҙәр уның өсөн абруй түгел. Уның Илһамы бар. Илһам эргәһендә ул үҙен ышаныслы һәм яҡлаулы тоя. Ләкин бөгөн Илһам юҡ. Саҡ ҡына “төшөрөп” алған Зәлиә күпмелер ваҡытҡа юҫығын юғалтҡан һымаҡ булды. Етмәһә, Амур үҙе лә визиткаһын һоноп, артабан осрашыуҙарға иҫәп тота бит әле. Юҡ, юҡ, тәүге көндә бер нимә лә булманы. Хатта Амур үҙе лә уңышҡа иҫәп тотмағайны, шикелле. Иртәгәһен – эш. Иң тәүҙә Зәлиә шылтыратып, иренең, балаларының хәлен белде. Бөтәһе лә теүәл һәм үҙ урынында. Ғәҙәттә, ресторандағы кисәләрҙән һуң унда булған уңайлы һәм уңайһыҙ ваҡиғаларҙы оноторға, элекке күнегелгән тормошто дауам итергә ынтылалар. Тәүҙә Зәлиә менән дә шулай булды. Төшкә ҡарай кеҫә телефонында ят номер барлыҡҡа килде. Зәлиә ҡыҙыҡһынып ҡына яуап бирҙе. Хатта тәүҙәрәк Амурҙың кем икәнлеген иҫкә төшөрә алмай торҙо: “Кем тиһегеҙ? Ә, кисәге егетме?” Ҡыҫҡаһы, төшкө ашты бергә ашарға булдылар һәм Зәлиә, үҙе лә һиҙмәҫтән, кисен тағы осрашырға вәғәҙә биреп өлгөрҙө. Ә ниңә ят һәм бығаса таныш булмаған ир менән күңел асмаҫҡа? Һеҙ нимә уйлайһығыҙ!? Ниндәй хыянат тураһында һүҙ булһын? Зәлиә ирен ярата, унан башҡа йәшәй алмай, балалары өсөн йәнен бирергә әҙер. Ә бына Амур менән бер-ике тапҡыр ултырып ашаған икән, артыҡ бер нәмә лә булмаҫ. Бәлә шулай килде. Кисә генә ғаилә бәхете өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған ҡатын усаҡ йылыһына килеп, алданған күбәләк һымаҡ, ҡанаттарын көйҙөрҙө. Амурҙың аҙмы-күпме иғтибары, йылы һүҙҙәре йәш ҡатындың башын тамам әйләндерҙе. Хатта әхирәттәре шуға иғтибар итте, Зәлиә йәшәреп киткәндәй булды. Үҙен ҡарай башланы. Ҡатын беренсе тапҡыр үҙен бәхетле тойҙо. Һөйөү ул кисерештәр, хис-тойғолар ғына түгел. Ул ниндәйҙер емерткес бәлә һымаҡ. Ҡатын үҙе лә һиҙмәй ҡалды, Амурға ғашиҡ булды. Иң аяныслыһы шул, өйөндә ике балаһы һәм ире уны ышанып көтә. Ана үтә, бына үтә, тип өмөтләнеп йөрөгән ҡатын һөйөү упҡынына үҙенең нығыраҡ батҡанын ғына тойҙо. Иң тәүҙә һәләкәтте, үҙгәрештәрҙе Илһам тойҙо. Ҡатын кемгәлер оҡшарға тырышып кейенә башланы. Һәр ваҡыт ҡайҙалыр ҡабалана, һуңлап аптыратты. Өйҙә балаларға иғтибар кәмене. Ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр етди һынауға дусар булды. Эш шуға барып етте – Зәлиә өй йыйыштырыу, кер йыуыу, ашарға бешереү һымаҡ көндәлек мәшәҡәттәрҙе үҙенә өҫтәлмә йөк итеп ҡарау сигенә етте. Нисә ҡарама, ҡулында телефон, ирен генә түгел, балаларын да күрмәй. Туҡтауһыҙ нимәлер яҙа һәм ҡабул итә. Ғазаплана һәм ауыр уйҙарға күмелеп, бер нөктәгә ҡарап ултыра. Бындай үҙгәрештәр Илһамда ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уятты. Мөнәсәбәт асыҡлау әллә ни ҙурҙан булманы. Зәлиә менән Илһам, икеһе лә тыныс һәм ипле кешеләр, ҡысҡырышып, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлап торманылар. Шуны ғына көткән Зәлиә ваҡ-төйәк әйберҙәрен йыйып алды ла, кире ҡалаға китте һәм Амурҙың ишеген ҡаҡты. Хатта уны Амурҙың һуңғы арала һыуына башлаған һымаҡ тойолоуы ла туҡтатманы. Ир, йылмайыу һәм шатлыҡтан бигерәк, аптыраныу менән ишекте асты. Зәлиә үҙенең хәл иткес аҙымға барыуын, күсенеп килергә йыйыныуын йәшермәне. Тап ошо урында Амур менән Зәлиә балалар хаҡында һөйләште. Баҡ тиһәң, Амурҙың кеше балаларына ҡарата үҙ фекере бар икән: “Балалармы? Бәй, уларҙың атаһы бар бит, ул ҡарарға тейештер”. Шулай итеп, бер йыл ыңғыр-шыңғыр үтеп китте. Тайфур – беренсе класта уҡый, Зилә балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Илһамға улын мәктәптән алыу, ҡыҙын балалар баҡсаһына алып барып, ҡарау өсөн кеше ялларға тура килде. Ә Зәлиә, әлбитттә, балаларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашырға теләй. Шәмбе, йәкшәмбе – уның көндәре. Ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан-ҡарһалан килеп китә. Ләкин балалар ҡәнәғәт түгел. Илһам да балаларҙы уйлай һәм ғаиләне ҡотҡарыу юлдарын эҙләп ҡарай. Илһам, аптыраған көнөнән, Зәлиәгә ҡайтырға рөхсәт итә. Бик ауыр булһа ла, ғәфү итергә әҙер, ҡабул итергә риза, ләкин Зәлиә Илһамға һәм балаларына түгел, Амурға өҫтөнлөк бирә. Йәнәһе, унан башҡа йәшәй алмай. Ярата, унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтермәй. Зәлиә, ирекһеҙҙән, сит иргә ҡарата булған мөхәббәтенең ҡорбанына әйләнә. Ул барыһына ла риза, тик Амур менән генә булырға теләй. Ләкин Амурҙың үҙенең шәхси тормошона ҡарата үҙ маҡсаттары бар. Уға ике балалы ҡатын нимәгә кәрәк? Зәлиә ирҙең унан туйғанын, нисек тә ҡотолорға тырышҡанын һиҙә. Амурға ярҙамға әсәһе Мәрйәм апай ашыға. Нисек инде, егет кеше, уның берҙән-бер күҙ терәп торған улы ике балалы ҡатынға тормошон бәйләп, үҙен бәхетһеҙ итергә тейеш әле? Ә Зәлиәнең үҙ маҡсаты бар. Амур уға: “Яратам!” – тине, өйөнә саҡырҙы. Мәрйәм апай тиҙ генә бирешә торғандарҙан түгел. Ул ҡайҙандыр Илһамдың адресын тапҡан, уның менән оҙайлы һөйләшеүҙәр алып барған. Зәлиәнең ҡәйнәһе менән дә һөйләшеп өлгөргән. Ә Зәлиә нимә эшләй инде? Ул, әлбиттә, ике ут араһында. Был – һөйөү түгел, бәлә, бәхетһеҙлек һәм йүгәнһеҙ хис-тойғоноң тәьҫире. Иң һуңғы этапта Мәрйәм апай Зәлиәнең әсәһе Рәғиҙә апайға барып етә. Ә Рәғиҙә апай был хаҡта бер ни ҙә белмәй. Ҡыҙы бер ниндәй мажараларға тарымаған һәм бәхетле йәшәй, тип уйлай. Беҙ бында берәүҙе лә ғәйепләргә һәм кәңәш бирергә йыйынмайбыҙ. Иң һуңғы һөйләшеүебеҙ Илһам менән булды. Уның тураһында беҙгә, бер нисә ҡыҙ менән танышып ҡараған, ләкин Зәлиә менән сағышырғандан һуң кире уйлаған, тинеләр. Илһамдан һораным: – Кемде ғәйепләйһең? – тинем мин уға. – Үҙемде, – тине ул, йәшле күҙҙәрен миңә төбәп. – Ҡуйығыҙсы, һеҙҙең ниндәй ғәйебегеҙ булһын? – Нисек булмаһын, тыуған көнгә барырға бит мин рөхсәт иттем. Әгәр шунда ебәрмәгән булһам, ғаиләм бындай бәләләргә тарымаҫ ине. Автор:Ралиф Кинзябаев Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Был сара 29 августа шәмбе көндә көтөлә. Өфөлә “Кино төнө” өс асыҡ майҙанда үтә: Ағиҙелдең яңы төҙөкләндерелгән яр буйындағы амфитеатрында, М. Ғафури исемендәге парктың автокинотеатрында һәм республика Хәрби дан музейында. Быйыл тамашасылар “Иван-батша улы һәм Һоро Бүре” анимация фильмының – 4-се, “Боҙ” спорт драмаһының 2-се өлөштәрен, “Холоп” комедияһын ҡарай ала. Башланыу ваҡыты – киске сәғәт 8-ҙә. Фильмдарҙы күрһәткәндә "Роспотребнадзор"ҙың хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы бөтә талаптары ла күҙәтеләсәк. Башҡортостан кинотеатрҙары билдәле сәбәптәр буйынса акцияла ҡатнашмай. Уларҙың эше 1 сентябрҙә тергеҙелер, тип көтөлә. Фото: Өфө мэрияһы сайтынан. Автор: Равиля Гатауллина https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Bushlay-kino-arar-a-kilege-430799/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһын донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы. Йыйылма команда иҫәбендә ике Өфө ҡыҙы Анастасия Иванова менән Аделина Заһиҙуллина, шулай уҡ Инна Дериглазова менән Лариса Коробейникова инә. Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһын донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы. Йыйылма команда иҫәбендә ике Өфө ҡыҙы Анастасия Иванова менән Аделина Заһиҙуллина, шулай уҡ Инна Дериглазова менән Лариса Коробейникова инә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменә ебәрелгән телеграммала: “Хөрмәтле Инна Васильевна, Аделина Рөстәм ҡыҙы, Анастасия Андреевна, Лариса Викторовна! Ысын күңелдән һеҙҙе еңеүегеҙ менән ҡотлайым! Үҙегеҙҙең триумфығыҙ менән 2019 йылғы донъя чемпионатында беҙҙең йыйылма команданың уңыштарын арттырҙығыҙ. Ватандың юғары ҡаҙаныштар спорты тарихына тағы бер сағыу бит өҫтәнегеҙ, үҙегеҙҙе ныҡлы, татыу, яҡшы әҙерлекле команда итеп күрһәттегеҙ. Һәм әлбиттә, билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам иткән, абруйлы бәйгелә лайыҡлы сығыш яһарға өйрәткән һеҙҙең остаздарығыҙҙың, белгестәрҙең дә ҙур хеҙмәтен баһалағым килә. Һеҙгә артабан да юғары ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләйем”, тиелә. Фехтование буйынса донъя чемпионаты быйыл 15-нән 23 июлгә тиклем Будапешт ҡалаһында үтте. Сирек финалда ҡыҙҙар Көньяҡ Корея командаһы менән көс һынашты, ярымфиналда американкаларҙы 45:36 иҫәбе менән еңде. Финалда улар Италия командаһы менән алышты. Ярыш бик көсөргәнешле булды, аҙағына тиклем тигеҙ шарттарҙа барып, һуңғы секундтарҙа беҙҙең ҡыҙҙар еңеүгә өлгәшә алды. 43:42 иҫәбе менән алтын миҙал беҙҙә! Фото: glavarb.ru #ВладимирПутин Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, мобилизацияланған ир-егеттәрҙе хәрби хәрәкәткә әҙерләү өсөн Саратов, Ҡазан, Пенза, Вольск һәм Елань ҡалаларына оҙаталар. Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егеттәр ҡайҙа юллана? Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич БСТ-ла үткән брифингта белдереүенсә, мобилизацияланған ир-егеттәрҙе хәрби хәрәкәткә әҙерләү өсөн Саратов, Ҡазан, Пенза, Вольск һәм Елань ҡалаларына оҙаталар. -Был ҡалаларҙа хәрби училище йәки уҡытыу үҙәктәре бар, - тине ул. Барған урындарҙа мобилизацияланғандарға туҡланыу ойошторола, уларға кәрәк-яраҡ бирелә. Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егеттәр ҡайҙа юллана? Автор:Гульдар Кинзябаева Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
“Башҡортостан” милли паркы Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса пилот проектына ингән. Бында сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторасаҡтар. Был методиканы һанап ҡарау өсөн илдең 15 ҡурсаулығы һәм милли паркы һайлап алынған. “Башҡортостан” милли паркында ҡалдыҡтар айырып йыйыласаҡ “Башҡортостан” милли паркы Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса пилот проектына ингән. Бында сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторасаҡтар. Был методиканы һанап ҡарау өсөн илдең 15 ҡурсаулығы һәм милли паркы һайлап алынған. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн эшләп сығарылған күрһәтмәнең төп принцибы – “Килтергәс – үҙең менән алып кит!”. Бында ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм уларҙы эшкәртеү алгоритмдары инә, “ноль ҡалдыҡ” принцибы индерелә һәм халыҡтың экологик яуаплылығын формалаштырыу ҡарала. “Башҡортостан” милли паркының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу тәжрибәһе бар инде. Үткән йылдың июлендә Нөгөш һыуһаҡлағысы ярындағы туристик туҡталҡаларҙа “ҡоро” ҡалдыҡтар өсөн 20 сеткалы металлик контейнер ҡуйылғайны. Бер контейнер өс кубометр икенсел сеймалға иҫәпләнгән. Пластик, быяла һәм алюминий “Эко-Сити” сүп-сарҙы сортҡа бүлеүсе комплексҡа сығарылды һәм артабан эшкәртеүгә ебәрелде. Ә аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары һәм эшкәртеүгә яраҡһыҙ сүп-сар өсөн ғәҙәти контейнерҙар урынлаштырылды. Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу арҡаһында ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн түләүҙә 20-25 процент аҡса экономиялауҙары тураһында парк директоры Владимир Кузнецов һөйләй: – Төбәк операторы беҙгә контейнерҙар бирҙе, икенсел сеймалды сығарыуҙы ойошторҙо. Сортҡа бүленгән сүп-сар заводҡа эләгә, аҙаҡ эшкәртеүгә китә, сүплеккә ташланылмай. Әле милли паркта иҫкәрмәләр, буклеттар, табличкалар әҙерләйбеҙ, уларҙа ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса кәңәштәр бар. Милли парк етәкселеге ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуға Нөгөштә эшләгән барлыҡ туристик базаларҙы йәлеп итергә, махсус контейнерҙарҙы ауылдар тирәһенә лә ҡуйырға планлаштыра. “Беҙҙең илдә оҙаҡ йылдар ҡалдыҡтар проблемаһына тейешле иғтибар бирелмәне. “Экология” милли проектына ярашлы был хәл үҙгәрҙе, киләсәктә юғары кимәлдә алып барыласаҡ. Яңы комплекстар булдырыу өҫтәмә эш урындары асыу мөмкинлеге, экологик сәнәғәтте үҫтереүгә этәргес бирәсәк”, – ти белгестәр. “Экология” милли проекты “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү” кеүек бүлектәрҙән тора. Рәсәй буйынса был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум бүлеү планлаштырылған. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Республика матбуғаты материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне. Фото: ecosrv.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Барлығы республикала коронавирус инфекцияһы 14 689 кешелә теркәлгән.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид кешеләренең ғүмерен өҙөүен дауам итә. Һуңғы тәүлектә тағын бер кешенең үлеменә ковид сәбәпсе булыуы билдәле. Барлығы Башҡортостанда коронавирустан вафат булыусылар һаны 86-ға етте.Пандемия башланғандан алып, республикала 12 211 кеше ковидтан һауыҡҡан булып һанала. 71 яҡташыбыҙ һуңғы тәүлектә был инфекцияны еңгән.Әле Башҡортостанда 2392 кеше коронавирус менән ауырый. 538 кеше - дауахаларҙа табиптар күҙәтеүе аҫтында, ауырыуҙы сағыштырмаса еңел формала кисереүсе 1854 кеше амбулатор дауаланыу ала.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид ҡына түгел, пневмония менән ауырыуҙың яңы осраҡтары ла көн һайын 400-ҙән ашыу кешелә асыҡланып тора. Фото: aamc.org kiziltan.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением. ОК «ЗАРИФА» Башҡорт коллектив йәштәр бейеүе квинтессенцияҺы Фәйзи Ғәскәров Мәскәү – Өфө поезында ҡайтып барғанында яңы бейеү һалыу идеяһы менән яна башлай. Ғөмүмән, Башҡорт АССР-нда бейеү коллективы булдырырға ниәтләй. Тап шул йылдарҙа республиканың 20 йыллығына әҙерләнеү башлана. Шуға күрә Фәйзи Әҙеһәм улы был бейеүҙә йәшлеккә генә хас сафлыҡ, дәрт-дарман, нескә тойғолар сағылырға тейешлеген билдәләй. «Зарифа» — мөхәббәт тарихы Йәйге йылы кис... Уйындың иң ҡыҙған мәлендә ике йәш йөрәк бер-береһенә ғашиҡ була. Шуның өсөн дә бейеүҙә сафлыҡ, шаянлыҡ, ихласлыҡ тойғолары асыҡ ярылып ята. 1939 йылдың 20 мартында тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыға «Зарифа». Был ваҡиға Башҡорт автономиялы совет социалистик республикаһы барлыҡҡа килеүгә 20 йыл тулыуға арнала. Бейеүҙең тәүге солистары булып Хазина Мағазова менән Ирек Ибраһимов сығыш яһай. Фәйзи Әҙеһәм улы коллективҡа тәүге көндәрҙән үк юғары талаптар ҡуя. Бейеүҙе башҡарыу ярайһы ауыр: ҡатмарлы хәрәкәттәр генә лә ике тиҫтәнән артыҡ. Хәрәкәттәрҙең теүәллегенә ирешеү менән бергә ете парҙан торған ансамблдең йылдам ғына эшләүен дә тәьмин итергә кәрәк. Бейеүҙә ике солистың айырылып тороуы тәбиғи күренеш. Ғәҙәттә, башҡорт йәштәренең осрашып, йырлап-бейеп күңел асыу сараһы – киске уйында һәм башҡа байрамдарҙа башлап йөрөүсе үткер холоҡло, дәртле ҡыҙҙар-егеттәр булған. «Зарифа» — башҡорт коллектив бейеүенең кәүҙәләнеше. «Зарифа» ла башҡорт коллектив бейеүенә хас бөтә һыҙаттар ҙа сағылыш тапҡан. Ул үҙенең стиле буйынса һығылмалы һәм ыҡсым. Уның көсө — нәфислектә. Талғын да, бер аҙ ҡылансыҡланыу ҙа хас ҡатын-ҡыҙҙар бейеүендә ҡулдарҙың нескә хәрәкәте төп роль уйнай. Етеҙ аҙымдар, еңел, теүәл тыпырлауҙар кәүҙә һығылмалығы һәм ҡулдарҙың нәфис хәрәкәте менән бергә башҡарыла. Ир-егеттәр бейеүе тиҙлек, көс-ғәйрәт күрһәтеү йәһәтенән айырылып тора. Йыш осраҡта һыбайлы, оҫта һунарсы, ғәйрәтле баһадир образын һынландыралар. “ Бейеү сюжетында сағыу, саф мөхәббәт тарихы ята. Солистарға еңел булмаған мәсьәлә йөкмәтелгән. Ҡатын-ҡыҙ партияһын башҡарыусы бейеүсегә башҡорт ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлек, баҫалҡылыҡ сифаттарын күрһәтеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта ым-ишара, хәрәкәт аша ҡыйыу егеткә ҡарата йылы тойғоларын да белдерергә кәрәк. Ә егет күҙе төшкән ҡыҙ алдында тәүәккәл һәм шул уҡ ваҡытта әҙәп һаҡлай, гүзәл затҡа хөрмәтен белдерә. Йәмилә Бикбаева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Зарифа» бейеүе солисы. «Зарифа» — йәшлек һәм мөхәббәт бейеүе. «Зарифа» бейеүендә башҡорт мәҙәниәтенең боронғо һыҙаттары сағылған. Ҡыҙҙарҙың түңәрәк яһап әйләнеүе, егеттәрҙең бер һыҙыҡҡа теҙелеүенә лә мәғәнә һалынған. Тыпырлауҙар, үксә төйөү, бармаҡ шартлатыуҙар яуыз көстәрҙе ҡурҡытыу өсөн ҡулланыла тип һаналған. XIX быуат аҙағы — XX быуат баштарына был хәрәкәттәрҙең боронғо ырымдар менән бәйләнеше өҙөлгән. Дөйөм алғанда, йәштәр башҡарған коллектив бейеүҙәр уйын характерын алған. Бейеүҙә ҡыҙ күҙләү Борон башҡорт ир-егеттәре тап киске уйын мәлдәрендә ҡыҙ күҙләгән. Йәштәр бер-береһен ошонда күреп, ғашиҡ булған, үҙҙәренә ғүмерлек йәр һайлаған. Был элементтар бөтәһе лә бейеүҙә сағылыш тапҡан. Бейеү хәрәкәттәре башҡорт халҡының көнкүрешенән алынған: ҡыҙҙар кер сайҡай, бешеренә, йөн иләй, егеттәр һунарға йөрөй, мал таба. “ «Зарифа» – ул постановкалы башҡорт классик бейеүе. Бында башҡорт халыҡ коллектив бейеүенең мәғәнәһе һәм органикаһы һаҡланған, башҡарыу һәм ҡуйылышының боронғо милли формалары, йөҙө, этник үҙенсәлеге һынландырылған. Фәйзи Ғәскәров: «Бейеү – ул музей экспонаты түгел», – ти, һәм был һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әммә «Зарифа»ны еренә еткереп, башҡорт сәхнә коллектив бейеүенең үҙ ҡанундарын булдыра. Пластик телдең лексикаһын һынландырған бейеү йолаһы беҙҙең ансамблдең алтынсы быуын балетмейстерҙары тарафынан һаҡлана, ә “Зарифа"ның лексикаһы башҡорт бейеүен һалғанда өлгө итеп ҡулланыла. Риф Ғәбитов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең художестволы етәксеһе. 1980-се йылдарҙағы Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль башҡарыуындағы «Зарифа» бейеүе. 1988 йылда халыҡ бейеүе ансамбленә «Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров» исеме бирелә, ә 1996 йылда «академия» исеме өҫтәлә. Франция, Италия, Испания, Швейцария, Германия, Төркиә, Бөйөк Британия, Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәрендәге гастролдәрҙә концерттар «Зарифа» бейеүе менән башлана. 1980-се йылдарҙағы "Зарифа» “ Был бер һыҙыҡҡа теҙелеп башҡарылған күмәк бейеү. Уны ҡуйыуы ауыр һәм бейеүҙең ябай булмаған хәрәкәттәре синхрон башҡарылырға тейеш, берәү буталһа, шундуҡ күҙгә ташлана. Ул яңғыҙ башҡарыу өсөн дә техник яҡтан ауыр тип һанала, ҡатмарлы хәрәкәттәре байтаҡ ҡына. Ғөмүмән, башҡорт бейеүен еңел тип әйтеп булмай, ә «Зарифа»ны башҡарыусыларға Фәйзи Ғәскәров баштан уҡ юғары талаптар ҡуйҙы. Рим Әбделмәнов, Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы, РФ-ның атҡаҙанған артисы, Ф.Ғәскәров исемендәге ансамблдең балет буйынса репетиторы. Бейеүҙә ҡапма-ҡаршылыҡтар бер-береһенә тура килеп тора Ҡатын-ҡыҙ партияһының ым-хәрәкәттәре йомшаҡ һәм һығылмалы – елдә сайҡалған ҡайын ағасын хәтерләтә. Нескә һәм лирик башҡарыу йәш кенә һылыуҙарыбыҙҙың холҡон һәм башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылығын асып һала. Ир-егеттәр партияһы иһә көс, ҡыйыулыҡты күрһәткән, иркен итеп башҡарылған ым-хәрәкәттәрҙән тора. Ул үҙенең ғаиләһе, ырыу-заты өсөн яуаплы – көрәшсе, дуҫтары менән тығыҙ бәйләнештә. Шаян Зарифа таҡмаҡтары Бейеүгә нигеҙ һалған ҡыҫҡа көй 1894 йылда беренсе тапҡыр этнограф Сергей Рыбаков тарафынан Ырымбур өйәҙе Аҡимбәт ауылында (хәҙерге Әбйәлил районы, Ташбулат ауылында) М.Ҡараҡаеванан яҙып алынған. Артабанғы яҙмаларҙы музыка белгесе һәм фольклорсы Лев Лебединский, йырсы һәм халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы Ғата Сөләймәнов эшләй. Был – шаян таҡмаҡтар. Рыбаков яҙмалары буйынса, йырҙы Ырымбур өлкәһе Ҡушый ауылынан бейеүсе ҡыҙ Зарифа уйлап сығарған. Көй интонацияһы, ритмлы булыуы, талғын тиҙлеге йәһәтенән бейеүҙең төп идеяһына тап килеп тора. Зарифа таҡмаҡтары (поэтик текст ҡоҙа һәм ҡоҙасаның шаярып әйтешеүе формаһында төҙөлгән) — Әйҙә, ҡоҙа, түргә уҙ, Аяҡҡайың талмаһын. Беҙҙең хәтер ҡалһа-ҡалһын, Һеҙҙең хәтер ҡалмаһын. — Юл буйынан юрғалаған — Бүҙәнәнең балаһы, Йырлап бирәйем, ҡоҙаса, Илебеҙҙең йолаһы. Зарифа таҡмаҡтары БАШҠОРТ ЙӘШТӘР БЕЙЕҮЕНЕҢ НИГЕҘ ТАШЫ Башҡорт ансамбленең тәүге бейеүе – «Зарифа» башҡарыу йәһәтенән ҡатмарлы, әммә ҙур танылыу яулаған бейеү. «Зарифа» – башҡорт бейеүенең кәүҙәләнеше һәм уңыш билдәһе», – тиҙәр Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары. Техник яҡтан камил, аяҡ һәм ҡул хәрәкәттәрен шыма башҡарыуҙы һәм оҫталыҡ талап иткән был бейеүҙе артистар ҙа яратып башҡара, ә халыҡҡа ихласлыҡ тойғолары менән һуғарылған тамашаны ҡарауы оло кинәнес бирә. Left Right © Автор-төҙөүсе Гөлсинә Йосопова Сығанаҡтар: Башкирская энциклопедия статья «Зарифа» «Башкирские танцы» Файзи Гаскаров - Уфа : Башкнигоиздат, 1958 г. Фильм «Крылья души» режиссер Амир Абдразаков, 1969 г. Фәнни хеҙмәттәр: Розалия Султангареева «Башкирский народный танец: проекция в современности», 2011 г. Зиля Рахматуллина «Философское осмысление хореографических традиций башкир через творчество Файзи Гаскарова», 2016 г. Видео һәм фото Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле архивынан Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан © ГУП РБ Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой, авторы, 2019 г. Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Пользовательское соглашение Политика использования cookie {"0":{"lid":"1531306243545","ls":"10","loff":"","li_type":"nm","li_name":"Тема ","li_title":"Тема ","li_req":"y","li_nm":"Тема "},"1":{"lid":"1531306540094","ls":"20","loff":"","li_type":"em","li_name":"Е-mail для связи","li_title":"Е-mail для связи","li_ph":"mail@example.com","li_req":"y","li_nm":"Е-mail для связи"},"2":{"lid":"1578487325957","ls":"30","loff":"","li_type":"ta","li_name":"Обращение","li_title":"Обращение","li_req":"y","li_rows":"2","li_nm":"Обращение"}}
Күмәкләп кис ултырыу, бер-береңдең эштәрен күреү, тәжрибә уртаҡлашыу, рәхәтләнеп сәй өҫтәле артында көлөшөп-һөйләшеп ултырыу – быларҙың барыһын Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда ғинуар көндәренең береһендә күрергә мөмкин ине. Ҡаҙырғол ауыл биләмәһендә ҡул эше оҫталары күп. Ә ниңә әле башҡаларға ла үҙеңде күрһәтмәҫкә? Шуға улар күршеләренең саҡырыуын ихлас ҡабул итте. Ҡунаҡ саҡырыу, ҡунаҡ һыйлау – башҡорттарҙың элек-электән килгән матур йолаһы. Ошо йоланы дауам итеү күңелдәргә хуш килде, йылылыҡ, илһам һәм дәрт өҫтәне. Уңышлы үткән көндән һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Хәйерле иртә, дуҫтарым! Уң аяҡтан ғына тороп, иҫән -һау уянғанға ҡыуанып, күкрәк тултырып һулап, яңы көндөң хәйерле, уңышлы булырын теләп ышаныслы аҙымдар менән дөп тә дөп баҫып китәйек әле!)) Кисә анау семәрле сөсикмәгемдең рецебын күптәрегеҙ һорап яҙғайны. Ғәфү итегеҙ, айырым һәр берегеҙгә яҙып ултыралманым. Иртәнге ундан киске бишкә тиклем Мораҡта булдым, аҙаҡ өй эштәренә сумдым. Һәр кемдең ҡулы үҙенсә эшләй тигәндәй, бер үк төрлө рецептан төрлө тәмдәге ризыҡ сыҡҡанына аптырамағыҙ! Әйтәйек был ондан, майҙан һәм башҡа ҡушылған ризыҡтар составынан торорға мөмкин. Мин ошолайыраҡ баҫам. Өс табалай ҡамырға 180-200грамм аҡ май йәки маргарин, 1-2стакан ҡуйы һөт 2күкәй ярты балғалаҡ сода самалап тоҙ ауыл ҡаймағы булһа, бер -ике ҡалаҡ тултырып уны ла һалам Тик шыйыҡ май ҡушмағыҙ, маргарин менән дуҫ түгелдәр улар, ҡамыр ҡата ла ҡуя. Йомшаҡай ғына итеп ҡамыр баҫығыҙ. Ондо үлсәгәнем юҡ,шулайҙа самалап биш -алты ус тултырып алам инде. Тағын бер сере; ҡамырға һалынған ризыҡ -шыйыҡсалар йылы булырға тейеш, тән йылылығында тибеҙ ҡайһы берҙә)) Үҙегеҙ нисек теләйһегеҙ шулай ҡырҡып, 15-20 минут алһыуланғансы бешереп алығыҙ.ныҡ йоҡаҡ та, ҡалын да итмәгеҙ, уртаса ғына булһа тиҙ ҙә бешә,ҡоро ла булмай. Тәмле булып бешһен сөсикмәктәрегеҙ! Уңышлы көндәр теләйем, йүнсел, егәрле, һәр бер яңылыҡҡа битараф ҡалмаған дуҫтарыма! Бер -беребеҙгә дәрт өҫтәп, ҡанат ҡуйып йәшәйек әле эйе бит, тормош шул тиклем матур!!! Сығанағы — «https://ba.wikibooks.org/w/index.php?title=Сөсикмәк&oldid=20333» Категориялар: Башҡортса Он Тоҙ Сода Аҡ май Башҡорт аштары Ҡамыр аштары Алфавит буйынса рецептар Икмәк Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу башҡортса Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Төп йүнәлештәр Баш бит Берләшмә Ағымдағы ваҡиғалар Һуңғы үҙгәртеүҙәр Осраҡлы мәҡәлә Белешмә Ярҙам итеү Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Биттән өҙөмтә яһарға Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа телдәрҙә Һылтанмалар өҫтәү Был бит һуңғы тапҡыр 17:16 22 февраль 2020 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution-ShareAlike License рөхсәтнамәһе буйынса рөхсәт ителгән; айырым осраҡта өҫтәмә шарттар ҡулланылыуы мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, Ҡулланыу шарттарын ҡарағыҙ.
Ҡәҙерле ағайыбыҙ Аҡба­шев Зәйнетдин Хамматса- фа улын 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡот­лайбыҙ. Үткән матур ғүмер юлың - беҙҙең өсөн өлгө. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерһең, барыбыҙҙың да шатлығы ла, көйөнөсө лә йөрәгеңә һыя - рәхмәт һиңә барыһы өсөн! Инде күңелеңде ҡайғы-хә­срәт борсомаһын, йән ты­ныслығында, сәләмәтлектә, именлектә еңгәбеҙ Ғәлиә Зәйнетдин ҡыҙы менән ти­геҙ ғүмер кисерергә насип булһын. Ҡыҙҙарыңдың из­гелеген күреп, ейән-ейән- сәрҙәр үҫтерергә, уларҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе булып оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Тормош ауырлыҡтарына би­решмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә әле!Тыуған көндәрйыл да ҡабатлана, Ләкин ҡабатланмай үткәне. Бәхет, шатлыҡ һәмтаҙалыҡ менән, Килеп торһон алда көткәне. Яҡты ҡояш һәр саҡюлдаш булһын, Шатлыҡ тойоп типһенйөрәгең.Ауырлыҡтар һине урап үтһен, Ҡабул булһынһәр бер теләгең!Иң изге теләктәр менән әсәйең, һеңлең Маһи­нур, ҡустыларың Шәйхет­дин, Ринат, Илшат, ки­лендәрең Миңлегөл, Лилиә һәм балалары. Ҡәҙерле ағайыбыҙ Аҡба­шев Зәйнетдин Хамматса- фа улын 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡот­лайбыҙ. Үткән матур ғүмер юлың - беҙҙең өсөн өлгө. Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерһең, барыбыҙҙың да шатлығы ла, көйөнөсө лә йөрәгеңә һыя - рәхмәт һиңә барыһы өсөн! Инде күңелеңде ҡайғы-хә­срәт борсомаһын, йән ты­ныслығында, сәләмәтлектә, именлектә еңгәбеҙ Ғәлиә Зәйнетдин ҡыҙы менән ти­геҙ ғүмер кисерергә насип булһын. Ҡыҙҙарыңдың из­гелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерергә, уларҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе булып оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Тормош ауырлыҡтарына би­решмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә әле! Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана, Ләкин ҡабатланмай үткәне. Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән, Килеп торһон алда көткәне. Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын, Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең. Ауырлыҡтар һине урап үтһен, Ҡабул булһын һәр бер теләгең! Иң изге теләктәр менән әсәйең, һеңлең Маһи­нур, ҡустыларың Шәйхет­дин, Ринат, Илшат, ки­лендәрең Миңлегөл, Лилиә һәм балалары.
Әртис әбей һағындыра. Ауыр мәлдәрҙә ул үҙенең эскерһеҙ һәм ихлас шаяртыуы менән күңелдәрҙе күтәреп ебәрә торғайны. Уҡыу ғына эләкмәгән, үҙенән бынамын тигән актриса сығыр ине. Мин йыш ҡына аптырап әсәйемә, нишләп Миңлебикә инәйҙе әртис, тип йөрөтәләр ул тигән һорауҙы бирә торғайным. Әсәйем мәрхүмә, ауылда клуб юҡ, һуғыш йылдарында өй һайын ҡайғы-хәсрәт, инәйең шаян һүҙҙәр һөйләп, мәрәкәләр күрһәтеп, ҡатын-ҡыҙҙың кәйефен күтәрә торғайны, тип яуап бирҙе. Үҙенең тормош иптәше, беҙҙең нәҫел Миңлебай бабайыбыҙ үҙе 1942 йылда уҡ яу яланында ятып ҡалған. Шундай шарттарҙа ла кешеләрҙең кәйефен күтәрерлек көс тапһын әле төпкөлдә йәшәгән ябай башҡорт ҡатыны. Ул ғәйбәт һөйләмәне, берәүҙе лә әрләмәне, тормошта үҙ урынын белде һәм барына ҡәнәғәт ине. Атайым мәрхүм ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, еңгә, тип шаярта, ҡунаҡтан ҡалдырмай торғайны. Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында ҙур өй һатып алдылар, шунда ҡыуанып донъя көткәнен хәтерләйем. Хәҙер ҡыҙы Мәсүрә апай ҙа юҡ, ейәнсәре Фәүзиә лә ике йыл элек китеп барҙы. Бына яҙып бөттөм, ҡолағыма әртис әбейҙең һамаҡлап һөйләгәне ишетелгән һымаҡ. Әсәйем дә әйткәйне, аттар менән санаға тейәп яландан бесән ташыйҙар, Миңлебикә еңгәм таҡмаҡтарын йырлап иң алдан көрт йыра, ә беҙ уға эйәргәнбеҙ. Шулай ғүмер үтерен кем уйлаған. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Банан. Бананда магний күп булыуы сәбәпле, ас килеш ашағанда организмда магний-кальций балансы боҙолоуы ихтимал. Был иһә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына килтереүе мөмкин. Әфлисун. Ашҡаҙанды газ һәм кислота менән тултыра. Һалҡын эсемлектәр. Улар ашҡаҙанды һәм эсәктәрҙе елһетә. Һөҙөмтәлә фермент реакцияһы боҙолоуы төрлө ауырыуға сәбәпсе була. Картуф. Шәкәрлерәк картуфты ла ашарға кәңәш ителмәй. Ундағы пектиндар һәм кислота ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуға булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә кеше эсе ауыртыуға зарлана башлай. Йогурт. Ас ҡарынға йогурт ашаһаң, ул бер ни тиклем файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта. Уны ашағандан һуң 2 сәғәт үткәс йәиһә йоҡлар алдынан эсергә ҡушалар. Был осраҡта ул ысынлап та аш һеңдереүгә ярҙам итә. Хөрмә. Был емештә пектин менән кислоталар күп. Улар ашҡаҙан һуты менән бәйләнешкә ингәндә гель рәүешендәге матдәгә әүерелә. Һөҙөмтәлә ашҡаҙанда таш барлыҡҡа килеүе ихтимал. Помидор. Уға ла, хөрмәнеке кеүек, кире эҙемтәләр хас. Шәкәр. Бик тиҙ үҙләштерелә. Шәкәр буш ашҡаҙанға төш-кәс, кеше организмы ҡанда уны нормаль кимәлдә тоторлоҡ инсулин бүлеп сығара алмай. Был иһә күҙ өсөн зыянлы. Өҫтәүенә, шәкәр һелте балансын боҙоуға һәләтле. Һарымһаҡ. Уның составындағы аллицин ашҡаҙан һәм эсәкте елһетә, һөҙөмтәлә ашҡаҙан ауы- рыуҙары барлыҡҡа килә. Шуға күрә, хатта бик ныҡ асыҡһағыҙ ҙа, нимә етте, шуны ашарға ашыҡмағыҙ. Ас ҡарынға бөтә ризыҡ та килешеп бөтмәүен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Нимәнән эс ауырта? 1. Үҙәктән иң өҫтә ауыртһа, гас- триттан булыуы ихтимал. Шулай уҡ инфаркт һәм аппендицит билдәләре булыуы мөмкин. 2. Уң яҡтан ҡабырға аҫтынан ауыртыу. Ул киҫкен, ныҡ булһа, күңел болғанһа һәм уң яҡ яурынға бәрһә, был бауыр һәм үт ҡыуығына бәйле булыуы ихтимал. Шулай уҡ үт ҡыуығында таш булыуын да иҫкәртеүе бар. Ә инде аппетит юғалып, үтмәй ҙә, китмәй ҙә торған үтә ныҡ булмаған ауыртыу үт юлдарының ҡыҫылыуы хаҡында иҫкәртә. Шулай уҡ С гепатиты киҫкенләшкәндә, А һәм В гепатиттары һәм ба- уыр ауырыуы булғанда шундай ауыртыу барлыҡҡа килә. 3. Уң яҡтан бил тәңгәлендә ауыртыу, ғәҙәттә, бөйөрҙөң сәнсеүен аңлата. Шулай уҡ түллек биҙҙәренең елһенләнеүенән, остеохондроз менән аппендициттан да була. 4. Һул яҡ ҡабырға аҫтынан ауыр- тыу - панкреатит билдәһе. Шулай уҡ ашҡаҙанға һәм бөйән эсәгенә ҡан һауыуҙан да булыуы ихтимал. 5. Эс уртаһы күп ашауҙан, шулай уҡ дисбактериоздан ауырта. 6. Ауыртыу кендек аҫтынан бул- ғанда, эсәктәр елһенеүен күрһәтә. Ҡайһы саҡта вируслы инфекция- ның эҙемтәһе лә булыуы ихтимал. 7. Эстең аҫҡы өлөшө ауыртыуы түллек өҫтәмәләренең елһенеүенә бәйле. Шулай уҡ циститтан, эндометриоздан, аналыҡтан тыш ауыр-ға ҡалыуҙан да була. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Абдул ауылында тыуып-үҫкән, ғүмеренең һуңғы йылдарында ла ошонда ғүмер иткән апайым — Мәрйәм Минғәз ҡыҙы Вәлитованың яҡты донъя менән хушлашыуына 14 февралдә 40 көн тула, ә 15 февралдә яҡын кешемә 85 йәш тулған булыр ине. Абдул ауылында тыуып-үҫкән, ғүмеренең һуңғы йылдарында ла ошонда ғүмер иткән апайым — Мәрйәм Минғәз ҡыҙы Вәлитованың яҡты донъя менән хушлашыуына 14 февралдә 40 көн тула, ә 15 февралдә яҡын кешемә 85 йәш тулған булыр ине. Минең апайым үҙенең тормош юлын бик матур үткәрҙе. Ул һәр ваҡыт туған йәнле, үткер һүҙле, бар эштә лә әүҙем, уңған, дәртле булды. Үҙе шиғырҙар ҙа ижад итте, бик моңло итеп йырлай ҙа ине. Ауылда, районда, ҡалала үткән бар сараларҙың да уртаһында ғына йөрөр ине. Был турала апайымдың бихисап грамоталары, Рәхмәт хаттары ла һөйләй. Йәш сағында бер аҙ Үзбәкстанда йәшәп, донъя күреп ҡайтты ул. Ғүмере буйы тиерлек Күмертау вертолет заводында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, улар тормош иптәше Йәүҙәт Ғәйнетдин улы Вәлитов менән кире тыуған яҡтарына — Абдулға ҡайтып төпләнделәр. Гөрләтеп тормош көтөргә лә, йырлап-бейергә лә, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашырға ла, бер бөртөк улы Йәүҙәткә һәм уның ғаиләһенә ҙур ярҙам күрһәтергә лә өлгөрә ине ҡәҙерлем. Бер йылы районыбыҙға республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов килгәйне. Ул апайымды эй оҡшатты инде, ҡосаҡлап уҡ алды, хатта. Район хакимиәтенең элекке башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов ярҙамында апайым үҙенең шиғырҙарын туплап китап сығарҙы. «Был әбейгә һәйкәл ҡуйыр инем», - ти торғайны уның тураһында Әхәт Йәүҙәт улы. Һөйөклө апайымдың тағы ла әллә күпме шиғырҙары бар ине лә бит, әммә китап итеп баҫтырабыҙ, тип Күмертау яҙыусылар ойошмаһы алып китте лә, кире ҡайтарманы. Шуныһы бигерәк ҡыҙғаныс. Мәрхүм апайымдың ауыр тупраҡтары еңел, урыны ожмахта, йәне йәннәттә, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Ҡәҙерлемдең яҡты иҫтәлеген изге һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Миңнинур СӘЙФЕТДИНОВА Абдул ауылы Тормош көтөү ауыр, тимә Мәрйәм ВӘЛИТОВА Яңы йылға ҡаршы барабыҙ ҙа Ап-аҡ ҡарҙа һуғым һуябыҙ. Келәткә керһәң, аптырап ҡуябыҙ: Ҡышлыҡ ашарға бер башмаҡты элеп ҡуябыҙ. Тормош ауыр тиһегеҙ, эй туғандар, Өс-дүрт һыйыр һауырға ауырмы? Өҫтәл тулы, һөт-ҡаймаҡ - Әллә шуны ашау ҙа ауырмы? Он бөттө ниһә ете-һигеҙ ҡапсыҡ бойҙай тултырып, Тракторға йүгереп менеп ултырып, Тирмән тартыу ҙа әллә ауырмы? Ап-аҡ ондан күмәс һалып, мейес тултырып, Йылы күмәс менән сәй эсеү ҙә ауырмы? Бындай тәмле, татлы ризыҡтарҙы Әнейҙәребеҙ, үҙебеҙ ҙә күрмәнек элек, Шуға күрә, эй туғандар, был тормоштоң Ҡәҙерен генә беләйек, ҡәҙерен беләйек. Тормош ауыр, тимәгеҙ, эй туғандар, Был тормош бит йәннәткә тиңдәш. Илебеҙ тыныс, Аллаға шөкөр, Йәшәйек, туғандар, татыу ғына Минән һеҙгә шул кәңәш. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Һиҙгәнһегеҙҙер, һуңғы арала таныш булмаған номерҙан көнөнә әллә нисәмә тапҡыр шылтыратып бимазалауҙар йышайҙы. Эйе, илдә көрсөк булғанда, мутлашыусылар ҙа әүҙемләшә. Баҡтиһәң, пандемияға бәйле Рәсәйҙә телефон мутлашыусылары бермә-бер артҡан. Был хаҡта 11 декабрҙә үткән Банктар ассоциацияһы советында Һаҡлыҡ банкы идараһы етәксеһе урынбаҫары Станислав Кузнецов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, йыл башынан тотош илдә мутлашыусылар ябай граждандарҙың телефонына 15 миллион(!) тапҡыр шылтыратҡан. "Рәсәйҙә кибер-енәйәт ҡылыуҙың иҫ китмәле артыуы күҙәтелә. Мутлашыусыларҙың көнөнә 45 мең тапҡыр шылытыратҡаны асыҡланған. Улар йыш ҡына үҙҙәрен банк хеҙмәткәре, кеҫә телефоны операторы, полиция хеҙмәткәре тип танытҡан", - ти ул. Мутлашыусыларҙың тоҙағына эләкмәү өсөн түбәндәге өс ҡағиҙәне иҫтән сығармау һорала: - Таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар, берүк алмағыҙ. Әгәр инде алаһығыҙ икән, тәү башлап һөйләшә башламағыҙ. Бер ваҡытта ла "эйе" тип яуап бирмәгеҙ. - Шылтыратыусы банк хеҙмәткәремен тип таныштыра икән, трубканы һалығыҙ. Банктың телефон номерын үҙегеҙ йыйып, асыҡлап ҡуйығыҙ, ысынлап та, һеҙҙең менән бәйләнешкә сығырға уйланылармы икән. Банк телефоны пластик картала яҙылған. - Иң мөһиме - нисек кенә ялынып һорамаһындар, бер кемгә, бер ҡасан да карта мәғлүмәттәрен әйтмәгеҙ! Ошо ябай ҡағиҙәләр һеҙҙе оло бәләләрҙән һаҡлар, күңелһеҙ ваҡиғаларҙан аралар. Фото интернеттан. Автор: Миләүшә Сайтакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Shiltiratalarmi-To-a-a-el-gep-uyma-589552/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
11 ноябрҙән 13-өнә тиклем Стәрлетамаҡта «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ көндәре» асыҡ форумы үтәсәк. Ҡала Мәҙәниәт һарайында республиканың көньяҡ төбәге бизнес-берләшмәһе вәкилдәре йыйыласаҡ. Форумды ойоштороусылар – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, «Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары ассоциацияһы» Коммерция булмаған ойошмаһы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Форум ҡуйған бурыстар һәм маҡсаттар араһында — Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген стимуллаштырыу, бизнес-контакттарҙы нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу, мода индустрияһын үҫтереү, ижади йәштәрҙе, һәләтле белгестәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү. Асыҡ форум сиктәрендә банк һәм страховка ойошмалары, бизнес предприятиелары һәм ойошмалары күргәҙмәләре эшләйәсәк, түңәрәк өҫтәлдәр, ғилми-ғәмәли конференция, дискуссия майҙансығы, тәжрибә уртаҡлашыу һәм бәйләнештәрҙе нығытыуҙың башҡа формалары ойоштороласаҡ. Бынан тыш, «Көҙгө вернисаж» Асыҡ мода, матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале һәм «Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры» XIV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабын үткәреү планлаштырылған. Бөтә саралар 12 ноябрҙә «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы» темаһы менән берләштереләсәк. Йома кис гала-концерт ойоштороласаҡ, конкурстар еңеүселәрен наградлау тантанаһы үткәреләсәк. 13 ноябрҙә, шәмбе көнө, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары Ассоциацияһы Советының күсмә киңәйтелгән ултырышы үткәреләсәк. Автор:Любовь Колоколова Теги:эшҡыуарлыҡфорумдар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Фәрҙиә Алтыншина, Тимер ауылында йәшәй, 82 йәштә: - Үҫмер саҡтан эшкә егелдек инде ул. Колхозда 2 йыл эшләһәң, уҡырға ебәрәләр, тигәнде ишетеп, 14 йәштән генә Ҡуштуҡмаҡ тигән ерҙә ятып быҙау, башмаҡ ҡараным. Бөгөнгө тормошом шөкөр генә итерлек. Хөкүмәт пенсияны түләп тора. Пенсиям ашарға, йәшәргә етә. Иш янына ҡуш булһын тип ҡош-ҡорт көтәм. “Өйөм газ менән йылына, һыу крандан ағып тора” -Күптән түгел үҙебеҙҙең араның шәжәрә байрамын үткәрҙек. Шунда үҙебеҙҙең зат-ырыу араһында Тимерҙә иң оло килен булып сыҡтым. Тимергә 1961 йылдың ғинуарында килен булып төштөм. Ирем Мырҙабай менән 6 балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ. Нәсимә, Нәфисә, Рәйсә, Нурия исемле ҡыҙҙарыбыҙ, Раян һәм Ҡылысбай исемле улдарыбыҙ матур итеп эшләй, донъя көтә. Үҫмер саҡтан эшкә егелдек инде ул. Колхозда 2 йыл эшләһәң, уҡырға ебәрәләр, тигәнде ишетеп, 14 йәштән генә Ҡуштуҡмаҡ тигән ерҙә ятып быҙау, башмаҡ ҡараным. Мырҙабай менән 58 йыл йәшәнек. Уның донъянан киткәненә 8 йыл. Бөгөнгө тормошом шөкөр генә итерлек. Хөкүмәт пенсияны түләп тора. Пенсиям ашарға, йәшәргә етә. Иш янына ҡуш булһын тип ҡош-ҡорт көтәм. Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙең төшөнә лә инмәгәндер бөгөнгө тормош. Атайым Миндеғолов Әлмөхәмәт һуғышта ятып ҡалған. 1944 йылда хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килә. Атай һуғышҡа киткәндә 1 йәш тә 2 айлыҡ булып ҡалғанмын. Мине тәҙрәгә һөйәлтеп ҡуялар ҙа, тәҙрәне үтеп китһәң, атайың ҡайта, тигән булырҙар ине. Атай тиҙерәк ҡайтһын тип эй үҫергә тырышҡан була инем. Ҡайтманы... (Тулы варианты гәзиттә) Т. Сәйфетдинова яҙып алды. Автор: Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Октант (йондоҙлоҡ) (лат. Octans) — йондоҙлоҡ, иң яҡты йондоҙо — ν Oct, яҡтылығы 3,73 була. Майҙаны буйынса урыны — 50. Йөкмәткеһе 1 Күҙәтеү 2 Тарих 3 Иҫкәрмәләр 4 Һылтанмалар КүҙәтеүҮҙгәртергә ТарихҮҙгәртергә ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ҺылтанмаларҮҙгәртергә Йондоҙлоҡтар исемлеге. Был йондоҙҙар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Рәсәй ҡоралы бер тапҡыр ҙа атмайынса Төркиә менән АҠШ-тың мөнәсәбәттәрен боҙҙо. Трамп менән Эрдоған араһында һөйләшеүҙәр бик көсөргәнешле бара. Ағиҙел -14 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 14 Ноябрь 2019, 13:21 Рәсәй ҡоралы бер тапҡыр ҙа атмайынса Төркиә менән АҠШ-тың мөнәсәбәттәрен боҙҙо. Трамп менән Эрдоған араһында һөйләшеүҙәр бик көсөргәнешле бара. Матбуғат конференцияһында күренеүенсә, Трамп менән Эрдоған уртаҡ фекергә килә алмаған. Төркиә менән АҠШ араһында фекер айырымлыҡтары тиҙ генә хәл ителергә оҡшамаған. Трамп белдереүенсә, Төркиә тарафынан Рәсәйҙән С-400 зенит-ракета комплексын һатып алыуы АҠШ менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте ҡатмарландыра. Эрдоған иһә, Төркиәлә үткән быуат башында әрмәндәрҙе ҡырыуҙарын АҠШ тарафынан геноцид тип танылыуы менән бәйле ризаһыҙлығын белдерҙе. Матбуғат конференцияһында күренеүенсә, Трамп менән Эрдоған уртаҡ фекергә килә алмаған. Төркиә менән АҠШ араһында фекер айырымлыҡтары тиҙ генә хәл ителергә оҡшамаған. Трамп белдереүенсә, Төркиә тарафынан Рәсәйҙән С-400 зенит-ракета комплексын һатып алыуы АҠШ менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте ҡатмарландыра. Эрдоған иһә, Төркиәлә үткән быуат башында әрмәндәрҙе ҡырыуҙарын АҠШ тарафынан геноцид тип танылыуы менән бәйле ризаһыҙлығын белдерҙе. Трамптың үҙ мәшәҡәттәре етерлек, сөнки Сенатта үҙенең дошмандары импичмент хаҡында фекер алышыуҙар башланы һәм тулҡынланырға мәжбүр итә.
Борон-борон заманда түгел, ә тап беҙҙең ваҡыттарҙа бер батыр ер-һыу күреү, бәхет эҙләү маҡсатында оҙон юлға сыҡҡан, ти. Бара торғас, бер оло йылға ярына килеп төртөлгән. Йылға шундай киң һәм мул һыулы – бер ярынан ҡысҡырһаң, ҡаршы ярҙа торған кешегә һинең тауышың саҡ-саҡ ишетелерлек, ти. Егет йылға аша һалынған мөһәбәт күпер буйлап атлап киткән. Шул ваҡыт күкте ҡара болоттар ҡаплап алған да, дауыл ҡупҡан, бер аҙҙан йәшенләп ямғыр яуа башлаған. Егет ғәрәсәт уртаһында ҡалған. Ҡулсатыры булмағанға күрә, үтәнән-үтә һыуланған, күшеккән. Артына әйләнеп ҡараһа, саҡ күперҙең урта биленә генә еткән икән. “Ҡайҙа барырға? Белгән яҡҡа кире ҡайтырғамы, әллә билдәһеҙлеккә ынтылып, юлды дауам итергәме? Ҡайтһам, ете диңгеҙ аръяғындағы тылсымлы ҡаланы күреү тигән хыялым тормошҡа ашмай ҡалыр инде” тип, уйға ҡалған... Был тормошта ошондай ғәрәсәттәр көтмәгәндә килеп баҫа ла, һиңә үҙ талабын ҡуя шул: йә, ауырлыҡтарға түҙеп, артабан көрәшәһең, йә, ышыҡ эҙләп, кирегә сигенәһең. Был тарихтың аҙағын аҙ ғына һуңыраҡ һөйләрбеҙ инде. Әлегә һүҙҙе икенсерәк юҫыҡҡа йүнәлтеп тороу хәйерлерәк булыр. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ –Башҡорт асыҡ КВН Лигаһы уйындары финалисы, бер кешенән торған “Кәкре Сүкеш” КВН командаһының капитаны ла, актеры ла, авторы ла, декарациялар йөрөтөүсеһе лә – Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә көтә! Беҙ уның менән тормоштоң ҡатмарлы һынауҙарын еңелерәк үтеү юлын күрһәтеүсе юмор, атап әйткәндә, башҡорт юморы тураһында әңгәмәләшербеҙ, һүҙ ыңғайында егеттең тормошонда булып үткән ҡайһы бер ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ла бәйән итербеҙ, “күшеккән егет” тарихының аҙағын да һеҙгә ишеттерербеҙ. БАШҠОРТ КВН-Ы... СӘСӘНЛЕК ТРАДИЦИЯЛАРЫНА ТАЯНҺЫН! Борон-борон заманда түгел, ә тап беҙҙең ваҡыттарҙа бер батыр ер-һыу күреү, бәхет эҙләү маҡсатында оҙон юлға сыҡҡан, ти. Бара торғас, бер оло йылға ярына килеп төртөлгән. Йылға шундай киң һәм мул һыулы – бер ярынан ҡысҡырһаң, ҡаршы ярҙа торған кешегә һинең тауышың саҡ-саҡ ишетелерлек, ти. Егет йылға аша һалынған мөһәбәт күпер буйлап атлап киткән. Шул ваҡыт күкте ҡара болоттар ҡаплап алған да, дауыл ҡупҡан, бер аҙҙан йәшенләп ямғыр яуа башлаған. Егет ғәрәсәт уртаһында ҡалған. Ҡулсатыры булмағанға күрә, үтәнән-үтә һыуланған, күшеккән. Артына әйләнеп ҡараһа, саҡ күперҙең урта биленә генә еткән икән. “Ҡайҙа барырға? Белгән яҡҡа кире ҡайтырғамы, әллә билдәһеҙлеккә ынтылып, юлды дауам итергәме? Ҡайтһам, ете диңгеҙ аръяғындағы тылсымлы ҡаланы күреү тигән хыялым тормошҡа ашмай ҡалыр инде” тип, уйға ҡалған... Был тормошта ошондай ғәрәсәттәр көтмәгәндә килеп баҫа ла, һиңә үҙ талабын ҡуя шул: йә, ауырлыҡтарға түҙеп, артабан көрәшәһең, йә, ышыҡ эҙләп, кирегә сигенәһең. Был тарихтың аҙағын аҙ ғына һуңыраҡ һөйләрбеҙ инде. Әлегә һүҙҙе икенсерәк юҫыҡҡа йүнәлтеп тороу хәйерлерәк булыр. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ –Башҡорт асыҡ КВН Лигаһы уйындары финалисы, бер кешенән торған “Кәкре Сүкеш” КВН командаһының капитаны ла, актеры ла, авторы ла, декарациялар йөрөтөүсеһе лә – Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә көтә! Беҙ уның менән тормоштоң ҡатмарлы һынауҙарын еңелерәк үтеү юлын күрһәтеүсе юмор, атап әйткәндә, башҡорт юморы тураһында әңгәмәләшербеҙ, һүҙ ыңғайында егеттең тормошонда булып үткән ҡайһы бер ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ла бәйән итербеҙ, “күшеккән егет” тарихының аҙағын да һеҙгә ишеттерербеҙ. -Фидан, 25 февраль Милли йәштәр театрында Башҡорт асыҡ КВН Лигаһының ярымфинал уйындарында һин, барыһын да көлдөрөүең менән бер рәттән матур итеп йырланың, музыкаль инструменттарҙа ла уйнаның, Пушкиндың “Евгений Онегин” шиғыр формаһындағы романынан өҙөк тә күрһәттең һәм баһалама комиссияһы ағзаларынан иң юғары баһа алыуға өлгәштең. Тамашасылар ҙа һинең сығышыңды айырыуса ныҡ оҡшатты. Күптәр һине профессиональ музыкант булараҡ та асты. Кем һуң һин, үҙең менән таныштырып үт әле. Фидан: Күгәрсен районында йөрөгән ҡанатлы һүҙҙәге һымаҡ, “Бисмиллаһиррахмани-Рахимов” тип башлайыҡ. Мин – Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында 1990 йылда тыуып, Баймаҡ районында үҫкән кешемен. Минең тәүге һүҙем “Суверенитет” һүҙе булған, тиҙәр. Әлбиттә, биш йәшемдә бер һүҙ булһа ла әйтергә өйрәнеүемә әсәйем ныҡ ҡыуанған. Әйткәндәй, әсәйем, әллә шул мәлдә үк 2013 йылда буласаҡ ташҡынды алдан һиҙгәнме, әллә Әбйәлил еләктәре уға ваҡ тойолғанмы, беҙҙе алып, Баймаҡ районына күсеп киткән. Шаярыуҙы ситкәрәк ҡуйып, үҙем менән таныштырыуҙы дауам итәйем. Сибай ҡалаһында музыкаль мәктәптә, аҙаҡ Өфө музыка гимназияһында, БДУ-ның журналистика факультетында белем алдым. Фортепианола, ҡурайҙа, баянда уйнай, йырлай беләм. Мәктәптә лә, гимназияла ла музыка йүнәлешендә уҡып, юғары белем алыу ваҡыты еткәс, журналистлыҡ һөнәренә йөҙ бороуым минең өсөн дә, туғандарым өсөн дә көтөлмәгән һынылыш булды. Улар һаман мине артист булыр, тип өмөтләнә. Уның ҡарауы, БДУ-ла абруйлы остаздарым, факультеттағы башҡорт мөхите мине туған телебеҙгә, халҡыбыҙға, рухи ҡиммәттәребеҙгә яҡынайтты. Мәктәп йылдарында, университетта ла рус телендә шиғырҙар яҙған булһам, әле бына яңыраҡ башҡорт телендә лә шиғыр яҙып ҡараным һәм: “Килеп сыға бит!” – тигән һығымтаға килдем. Артабан да яҙышырға ниәтем бар. Әйткәндәй, ярымфинал уйындарында яңғыраған “Евгений Онегин”дан өҙөктәге башҡортса шиғри тексты ла үҙем яҙҙым. Тамашасыға бик оҡшаны буғай. КВН темаһына һуғылдыҡ, үҙемде мин был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған кеше тип әйтә алам. 2008 йылдан бирле КВН уйнайым. Шуға, ҡайһы бер “шаяртыу рецептарым” да бар. КВН-ға дуҫтары араһында үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә алмаған кешеләр генә килә, тигән ҡалыплашҡан фекер йәшәй. Был фекер дөрөҫлөккә тап килеп етмәй, минеңсә. Сөнки, әҙерәк кенә шаярта белһә, КВН-да бөтәһе лә уйнай ала. Үҙең шаярта белһәң һәм, команда йыя алһаң, шул еткән. Шуға, был ҡалыплашҡан фекерҙе мин инҡар итәм. Минең командамды ғына ҡарағыҙ, КВН-да бер кеше лә уйнай ала бит! 2012 йылға тиклем мин Рәфис исемле дуҫым менән “Горняк-Дозор” командаһында уйнаным. Тик, Рәфис КВН-дан ситләшкәс, бер үҙем ҡалдым. “Яландағы яңғыҙ (кеше) – һуғышсы түгел” тиһәләр ҙә, командаға яңы егеттәр һәм ҡыҙҙар алғым килмәне. Бүтән кеше лә эҙләп торманым, быйылғы фестивалгә бер үҙем сығырға ҡарар иттем. Бер үҙем ҡалдым, тип ҡайғырырғамы ни? Ҡайғырып йәшәүгә ҡарағанда, көлөп йәшәүе еңелерәк... Уңышлы КВН-сы булыу өсөн тамашасыны көлдөрә белеү генә етмәй, уйландыра белеү ҙә зарур. Ә бының өсөн донъялағы хәлдәр, һин һүҙ алып барған өлкә, әйбер тураһында етерлек кимәлдә хәбәрҙар ҙә булырға, үҙеңә лә уйлана, сағыштыра, һығымта яһай белергә кәрәк. Миңә тормош тәжрибәм, шулай уҡ, китаптар уҡыу ярҙамға килә. Халҡымдың бөгөнгөһө менән дә ҡыҙыҡһынып йәшәйем, уның тураһында яңынан-яңы мәғлүмәттәр йыям, күңелемә һеңдерә йөрөйөм. Тормош тәжрибәһе тигәндәй, игеҙәгем Айгизәне, мине һәм ағайым Вадимды әсәйебеҙ яңғыҙы үҫтерҙе. Бәләкәйҙән ағайыма тарайған кейем-һалымды мин кейә торғайным. Рәсем дәресенә фломастерҙар, уҡыу өсөн бүтән кәрәк-яраҡтар һатып алыр өсөн йәйге каникул ваҡытында ауылдаштарға (Баймаҡ районы Түбә ауылында) ялланып бесән сабыуым, картуф утап-күмеүем, утын ярыуым да хәтерҙә ҡалған. Әммә беҙ бер ҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнек. Ағайым бигерәк шаян, игеҙәгем, Айгизә – етдирәк, әммә, ул да шаяртыуҙы аңлай торған кешеләр. Бәләкәй сағымдан башҡаларҙы көлдөрөргә яраттым. Үҙем эләгеп ҡолаһам, эргәләге кешеләрҙең көлөүенә ҡушылып, көлөп ята бирә торғайным. Әсәйем ундай саҡтарҙа: “Кит, кеше көлдөрөп ятма, тор!” - тип, шелтәләй ине. Ә миңә ҡыҙыҡ, ҡалғандар көлһә, рәхәт булып ҡала. Әле лә сәхнәгә ынтылыуымдың бар ғилләһе – кешене көлдөрөп, рәхәтлек алыу. Әйткәнәй, минең КВН-сы булыуымды ишеткән күп кенә кешеләр йыш ҡына: “Йә, ошо урында шаяртып күрһәт әле”,- тип үтенә. Ә мин көлдөрһәм дә, килде-китте хәбәр һөйләй алмайым бит инде, шуға, итәғәтле генә итеп баш тартыуҙы ҡулайыраҡ күрәм. - Юморҙың төрлөһө була: “әсе”һе, тағы, кешенең кәмселектәренән, кире сифаттарынан көлгән саҡта бар сиктәрҙе үтеп киткән “тупаҫ”ы... “Ҡара” юмор тигән төшөнсә лә бар. Ә һинең юморыңдың тәбиғәте ниндәй? Фидан: Халыҡсан юморҙыр, тип уйлайым. Сөнки, мин идеяларҙы “һауанан” алмайым, ә халҡымдан алам, тексты “бармаҡтан һурып” яҙмайым, ә халҡыбыҙ араһында киң таралған лаҡаптар менән байытып яҙам. Мәҫәлән, минең сығыштарҙа ауыл тематикаһы бик киң яҡтыртыла. Көлкөләрҙе мөмкин тиклем үткерерәк итергә тырышам. Көлкө яҙыу – әҫәр яҙыу һымаҡ уҡ ауыр нәмә. Өҫтәл артында яҙышып ултыраһың-ултыраһың да, оҡшамаһа, ҡағыҙҙы йомарлап ташлайһың. Унан өр-яңы биттән яп-яңы номер яҙылып та ҡуя. Ҡабат-ҡабат эшләгәнгә күрә лә, минең текстар тамашасы тарафынан да, баһалама комиссияһы тарафынан да йылы ҡабул ителәлер, моғайын. Миңә башҡорт телендәге “Атаҡ-атаҡ!”, “ыста-ыста!” һымаҡ мөнәсәбәт һүҙҙәр, “йомшағыраҡ” әрләшеү һүҙҙәре оҡшай. Мин уларҙы бик яратып файҙаланам. -Күптән түгел үткән Башҡорт асыҡ КВН Лигаһының ярымфинал уйындарында ҡатнашҡан коллегаларыңдың сығыштары тураһында ни әйтерһең? Кемдәрҙең шаяртыуҙарын оҡшаттың, ә кемгә тағы тырышыбыраҡ әҙерләнергә кәңәш итер инең? Фидан: Һорауыңдың икенсе яртыһынан башлайыҡ. 19-нда үткән уйындарҙа “Бытбылдыҡ”тарҙың, “Өтөр”ҙәрҙең, ә 25-ндә – “Страйктың” сығыштары оҡшаны. Бытбылдыҡтар менән страйктарҙы мин үҙемдең төп дәғүәселәрем тип һанайым. “Хәйнешондар”ҙы барыһы ла ярата. Ярымфинал уйындары алдынан интернет селтәрендә үткәрелгән тауыш биреүҙән күренеүенсә, күпселек тап ошо команданың финалға сығасағына ышаныс белдерҙе. Тик, егеттәргә тәжрибә етеңкерәмәне шикелле. Шаяртыуҙары ла шәп ине... Тәүге һорауға – командаларҙың сығыштарының эстәлегенә килгәндә, мине шул ҡыуандыра: йәштәр үҙ фекерҙәрен ҡыйыуыраҡ белдерә башланы. Был, үҙ сиратында, халҡыбыҙ фекерен, уның мәнфәғәттәрен тәғәйен кешеләргә ишеттерә торған трибуна барлыҡҡа килде тигән һүҙ. Сығыштарҙа коллегалар сама тигән нәмәгә лә нығыраҡ иғтибар итһен ине. Айырым командаларҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙан көлөү ғәҙәте йышайҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан көлөргә ярамай, минеңсә. Уларҙы нисек бар, шулай, йәғни, бөйөк һәм бейек итеп ҡабул итергә кәрәк. Улар КВН-да сығыш яһай икән, шул килеш – гүзәл зат образында яҡтыртылырға тейеш. Юғиһә, халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле, иң ғәзиз ҡатын-ҡыҙ төшөнсәһенә бысраҡ яғыусылар ҙа осрап тора. Әйҙә, егеттәр тураһында теләһә-нисек итеп шаяртһындар, көлһөндәр – унан ғына егет кешенең дәрәжәһе кәмемәй, минеңсә. Тағы, эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙы ла КВН сәхнәһенә алып сығыр алдынан ете ҡат үлсәргә кәрәк. Ғөмүмән, бындай ҡомартҡыларыбыҙҙан көлөүгә табу һалынырға тейеш. Юғиһә, тап ошо ике төшөнсәгә – башҡорт ҡыҙы образына һәм мәшһүр эпосыбыҙға һаҡһыҙ тотонғандары өсөн ҡайһы бер командалар тураһында күңелһеҙ тәьҫораттар ҡалды. Ҡатын-ҡыҙҙар темаһына ҡағылыуын ҡағылғас, күңелде өйкәп торған тағы бер нәмә тураһында ла әйтмәй булдыра алмайым. Тик ҡыҙҙарҙан ғына торған командаларҙы егеттәр менән “байытырға” кәрәк, минеңсә. Ана бит, “Хыялыйҙар” командаһы ҡыҙҙары үҙ сығыштарына егеттәрҙе саҡырып сығарғас, ҡыҙыҡлы ноталар барлыҡҡа килде. Ғөмүмән, КВН-ды (шартлы рәүештә, әлбиттә) сәсәндәр әйтеше менән сағыштырһаҡ, бик күп уртаҡлыҡтар табырға булыр ине. Ә халҡыбыҙҙа сәсән – ул фәҡәт ир затынан булған, ти философия фәндәре кандидаты, этнограф Зәкирйән Әминев. Шуға, бәлки, юмор өлкәһендә егеттәр генә сығыш яһаһа, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Башҡорт КВН-ы сәсәнлек традицияларына ла таянырға тейеш, минеңсә. Башҡорттоң бай фольклорына, тарихи үткәненә, ата-бабаларҙың ғөрөф ғәҙәттәренә нигеҙләнгән юмор ғына милли юморыбыҙҙың йәҙән билдәләй. Беҙ үҙ сығышыбыҙҙы ошо үҙенсәлектәргә нигеҙләнеп ҡорорға тейешбеҙ. Әгәр шулай түгел икән, беҙҙең сығыш аҡ ҡағыҙ битенә аҡ буяу менән нимәлер яҙыуға бәрәбәр буласаҡ. -Һинең һүҙҙәрең менән тулыһынса килешәм. Бер тапҡыр үҙеңдең “автостопсылыҡ” менән мауығыуың тураһында ла әйтә биреп ҡуйғайның. Шул турала ла һөйләп үтмәҫһеңме? Фидан: Сит ил авторҙарының автомобиль туҡтатып, төрлө ерҙәргә сәйәхәт итеүҙәре тураһындағы китаптарын уҡырға яраттым. Бер ваҡыт, зәңгәр экрандарҙа “Һауаға тиклем барып етеү” (“Достучаться до небес”) исемле фильм күрһәтелгәс, дуҫым Салауат менән фильм тураһында һөйләшеп киттек тә, диңгеҙҙе барып күргебеҙ килде. Фильмда төп геройҙар – үлемесле ауырыуға дусар булған ике егет, төрлө кәртәләрҙе үтеп, закондарҙы боҙоп, диңгеҙгә барып етәләр. Беҙ был эште законлы юл менән атҡарырға булдыҡ. Шул көндә үк Ҡара диңгеҙгә юлға сығырға хәл иттек, көнөн дә билдәләнек. 20 көндән һуң икебеҙ ҙә рюкзакттар артмаҡлап, килешелгән ергә килеп еттек. Бер ни өндәшмәй генә Иглин яғына юлланыусы автобусҡа билет алып ултырҙыҡ. Һуңғы көнгә тиклем мине төрлө шикле уйҙар борсоно. Хәүеф тойғоһо ла бар. Иглин янында оло юлда төшөп ҡалдыҡ та, шулай уҡ өндәшешмәй генә юлдағы машиналарға ҡул күтәрә башланыҡ. 15 минут үттеме, юҡмы, бер водитель ултыртып алды. Беҙ уға ниндәй маҡсат менән китеп барыуыбыҙҙы һөйләп бирҙек. Төндә Һарытау өлкәһенең Сызрань ҡалаһы ситенә килеп еттек тә, яланда үҙебеҙ менән йөрөтмәле ҡыуышыбыҙҙы ҡороп, усаҡ яғып, дөгө бешереп, сәй ҡайнатып эстек. Таң менән тағы юлға сығып баҫтыҡ. Был юлы ла уңыш йылмайҙы – Сочиҙың үҙенә юлланыусы ағай ултыртып алды, уның иркен машинаһында ике көн эсендә рәхәтләнеп барып та еттек. Сочиға килеп төшкәндә таңғы 4 ине. “Ҡайҙа диңгеҙ?” тип, Салауат менән тирә-яҡҡа ҡарашабыҙ. Бер ваҡыт талғын ғына шау ҡолаҡҡа салынды. Беҙ – тот та, шул яҡҡа табан йүгер! Диңгеҙгә етеү менән сисенеп ташлап, таң менән һыу инә башланыҡ. Эх, ул мәлдәге ҡыуанысты әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел! Ҡара диңгеҙ ярында бер аҙна ял иттек, ҡояшта ҡыҙынып, ҡарайышып бөттөк. Әммә, ҡайтырға кәрәк. Сочиға ял итергә килеүсе турист халҡы Абхазия тәбиғәтен үлтереп маҡтағас, ҡайтабыҙмы, әллә барабыҙмы, тип, бер аҙ икеләнеп торҙоҡ та, тимер аҡса ташлағайныҡ, “барабыҙ” тигән яғы төштө һәм беҙ артабан юлландыҡ. Был илдә шарлауыҡтар күп һәм матур икәнлегенә инандыҡ. Тауҙары тураһында әйтеп тә тормайым. Ат ҡайтыу яғына еңелерәк тартһа, беҙ ҡайтыр юлды килгәндәге һымаҡ тиҙ үтмәнек. Юлға сыҡҡанда кеҫәбеҙҙә дүртәр мең аҡсабыҙ бар ине, нисек кенә ҡыҫып тоторға тырышһаҡ та, уныһы ла бөттө, ярай әле водителдәр ярҙам итте – кем 100 һум, кем 50 һум аҡса биреп китте. Әйткәндәй, ошо сәйәхәттән һуң миндә водителдәргә ҡарата яңы ҡараш барлыҡҡа килде. Оло юлда йөрөүселәр ҡалалағы һөмһөҙ водителдәрҙән ҡырҡа айырыла икән: улары шул тиклем кешелеклеләр. Бәлки оҙон юл хәүефе әҙәми затты кешелеклерәк итәлер? Был сәйәхәттән һуң ике йыл үткәс, Санкт-Петербург ҡалаһына бер үҙем юлландым. Ҡулыма диплом алған, эшләп тә йөрөгән саҡ ине. Аҙмы-күпме аҡса тупланым да, тағы сығып киттем. Түбәнге Новгород аша үткән саҡта Ока йылғаһы аша һалынған күпер уртаһында (мәҡәлә башында һүҙ барған) йәшенле ямғырға эләктем. Алға йүгерергәме? Артҡамы? Күперҙең урта тирәһендә торам икән. “Әһә! Алда бер ҡоролма күренә, шунда ышыҡланайым”, - тип, алға киттем. Ел мине тегеләй ҙә, былай ҙа бәүелтә. Сиркәү эсенә килеп инеп, поптан ҡоро кейемдәремде кейеп алырға рөхсәт һораным. Ул миңә бер урын күрһәтте лә, мин кейенеп алдым. Сиркәүгә тәү тапҡыр ингәнгә күрә, мәсеттән нимәһе менән айырыла икән, тип, уны ҡарап йөрөй башланым. Арғы яҡта йырлап торалар, кешеләр суҡына, иконалар ҡуйыллған, майшәмдәр яна... Ахырҙа бер әбей: “Улым, ә һин ниңә доға уҡымайһың әле ул? Әйҙә әле, мин һине суҡындырайым”, - тип яҡынлашҡас, “Юҡ, рәхмәт, кәрәкмәй”, - тип, сығып китергә тура килде. Өфө-Санкт-Петербург юлында, Татарстандағы бер икмәк заводы биләмәһендә ҡарауылсынан рөхсәт һорап, йоҡлап сыҡтым, эй, серәкәйҙәре йонсотто! Татарҙар уҫал, уларҙан бигерәк, серәкәйҙәре эре һәм уҫал икән, тип, йоҡо ҡапсығым эсендә борғолана-борғолана төн үткәрҙем. Бара-бара Мәскәүҙе үттем, Санкт-Петербург ҡалаһына ла еттем. Унда бер дуҫымда ҡундым да, ҡала менән танышҡас, поезд менән ҡайтырға сыҡтым. Бер үҙем булғас, күңелһеҙ ине, шуға, тимер атҡа ултырҙым. Автостоп менән бер “ауырығас”, туҡтауы ай-һай, еңел түгел икән! Яңынан-яңы ерҙәрҙе барып күрге килә. Әле бына, яҡын киләсәктә Байҡал күленә сәфәр тоторға хыялланам. Беҙҙең йәштәргә, айырыуса 18 йәштән үткән йәштәргә йыш ҡына “алйотланып” алыу етмәй. Улар бөгөн шул тиклем “дөрөҫ”тәр, уларҙың тормоштары ла төҫһөҙ, уҡыуҙары ла, эштәре лә яйһыҙ. Балаларса ихласлап ҡыуанырға, улар һымаҡ, “шыршыға эленгән тәтәй артынан үрмәләргә” онотоп барабыҙ түгелме? Ә тормошта үтә етди булырға ла ярамай – донъяның ауырлығы билеңде һындырыуы бар. Шулай итеп... Фидандың бер сығышынан өҙөк. “Хәтәр район ул – Баймаҡ районы. Баймаҡта ғына “Һаумыһығыҙ!” тигәнгә, - “Һауҙырһағыҙ, һауырбыҙ!” – тигән яуап ишетергә була. Туҡмалыу, ғәҙәттә, ошо фразанан һуң башлана ла инде (Әйткәндәй, мин шуға ла нейҙе ҡыҫып, Өфөлә ултырам). Баймаҡ – боронғо гректарҙың Спартаһы һымаҡ: халҡы шундай рухлы, уларҙың ҡатындары ла, “Мин – башҡорт!” тип күкрәк һуғыуҙан, балаларына һөт урынына ҡаймаҡ имеҙәләр, имеш...” Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо. 2014 йылда “Киске Өфө” гәзите өсөн әҙерләнгән материал, автор архивынан алынды. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Грек сәтләүеге файҙалы икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ә бит уның ҡабығын да ҡулланырға була икән. Әйтергә кәрәк, баҡсасылыҡта грек сәтләүеге тышына ҡулланылыш күп, тип билдәләй белгестәр. Мәҫәлән, ағас, йәки гөл төптәренә һалып дым тотҡарларға була. Шулай уҡ яндырып көлөн үҫемлектәргә һипһәң, бик шәп ашлама! Бүлмә гөлдәрен ултыртҡанда, дренаж өсөн көршәк төбөнә һалып ҡалдыралар. Ә бына гөлдәрҙең төбөнә теҙеп сыҡһаң, беренсенән, тупраҡ тиҙ генә кибеп китмәйәсәк, үҫемлеккә һыуҙы аҙыраҡ һибергә кәрәк буласаҡ. Икенсенән, гөлдөң ере тиҙ арала яҡшыра башлай, сөнки сәтләүек ҡабығында бактерицидлы матдәләр бар, шул иҫәптән йод. Һыу һипкән һайын улар, аҙ ғына миҡдарҙа бүленеп сығып, тупраҡты "һауыҡтырып" торасаҡ. Өҫтәүенә, ташбаҡаға оҡшаған грек сәтләүеге ҡабыҡтары бүлмә гөлдәренә йәм дә биреп тора әле! Фото pixabay.com Автор:Миләүшә Сайтакова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Төп герой - сибәр ҡыҙ Белла үҙенең туйына ашыға һәм аварияға эләгеп, хәтерен юғалта. Ҡыҙға үтеп барған тракторист егет Жасулан ярҙам итә. Аңына килгән Белла тормошон яңынан башлай... Сериалды дүшәмбенән алып кесе йомағаса көн дә сәғәт 10.00-дә ҡарағыҙ! Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Хәтифә өләсәй Яуғастина Йәрмөхәмәт ауылының иң өлкән ағинәйҙәренең береһе, ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулды. Әбей кешегә тыуған көн нимәгә, иҫенә лә төшөргәне юҡ ине. Хәтифә өләсәй Яуғастина Йәрмөхәмәт ауылының иң өлкән ағинәйҙәренең береһе, ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулды. Әбей кешегә тыуған көн нимәгә, иҫенә лә төшөргәне юҡ ине. Бер көн өйөнә Ярат ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин менән Баймаҡ районының ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхтәмова килеп инде. Бүләк тотҡандар, кәйефтәре шәп. Кемуҙарҙан: “Хәтифә өләсәй, тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ!” – тиҙәр. – Бына, өләсәй, Мәскәүҙән Путин һиңә ҡотлау ебәрҙе, – тине ветерандар советы рәйесе. – Ҡуйсы, бушты, Путин минең тыуғанды ҡайҙан белһен, – тип тартынды өләсәй. Хәтифә өләсәйҙең ҡулына Мәскәүҙән килгән конвертты тотторҙолар. Бәй, әллә, ысынлап та, Путин үҙе ебәргән инде? Әбейҙең күҙҙәре күрә, аҡылы теүәл, ике түрәнең дә шаяртмауына ышанды. Мәскәүҙән килгән хатты тотоп, миҙаллы кофтаһын кейеп, ихлас йылмайып, кәртешкәгә төштө. Әбей моңһоуланып ултыра ине, китте кәйефтәр күтәрелеп, күҙҙәр асылып, йәшәгеләр килә башланы. Ҡарсыҡ ҡәнәғәт, пенсияһы килеп тора, балалар ярҙам итә, донъялар ғына тыныс булһын. Кәримә Усманова һүрәте. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Бөгөн - Башҡортостанда Музейҙар төнө. Ә 18 майҙа бөтә донъяла музейҙар көнө. Тыуған яҡты өйрәнеү музейына барыуҙы түҙемһеҙлек менән көткән йәки Лувр һәм Эрмитаждағы раритет экспонаттарҙы ҡарарға ашыҡҡан һәр кемдең был байрамға ҡатнашлығы бар. Музейҙар йәмғиәттең йөрәгендә урын алырға тейеш һәм йәмәғәтселек өсөн асыҡ булырға тейеш. Асылда был шулаймы. "Асыҡ студия" тапшырыуында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ. Музейҙар көнө Асыҡ студия 2014-05-16T19:52:45+00:00 ссылка для скачивания Беҙҙә ҡунаҡта - Башҡортостан милли әҙәбиәт музейының бүлек мөдире Эльмира Хәйбуллина. 18 майҙа бөтә донъя музейҙар көнө, ошо уңай менән бөгөн 16 май сәғәт 6-ла баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм Республикабыҙҙа "Бөтә ғаилә менән музейға барабыҙ" девизы аҫтында "Музейҙар төнө" акцияһы уҙғарыла.Уның төп маҡсаты - музейҙарға, ундағы коллекцияларға иғтибар биреү һәм уларҙың проблемаларын хәл итеү, йәш быуынды музейҙарға йәлеп итеү, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был акция 4-се тапҡыр үтә. Һәр бер музейҙың үҙ программаһы бар. Шулай уҡ быйыл Мәҙәниәт министрлығы тарафынан "Ата-әсәйемде музейға алып барам" тигән акция булдырылды. Был акцияла Өфө ҡалаһында урынлашҡан дүрт музей ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының Милли Музейында, Милли әҙәбиәт, Хәрби Дан, Нестеров исемендәге музейҙарҙа үтәсәк. Акция ата-әсәләр һәм 14 йәшкә тиклемге балалаға тәғәйенләнгән. Ғаилә ағзалары музейҙар ҡуйған һорауға яуап биреп, үҙ теләктәре менән 4 музейҙы йөрөп сыҡҡан хәлдә, аҙаҡҡы музейҙан сертификат ала һәм ошо сертификат менән улар 16 майҙан 1 сентябрға тиклем 4 музейҙы теләгән ваҡытта бушлай ҡарай.
Ағастан эшләнһенме, әлүминдән йә тутыҡмай торған тимерҙән булһынмы, өләсәйҙәр уны «көмөш ҡалаҡ» ти ҙә ҡуя ине. Сөнки борон ҡалаҡты башҡорттар күберәк баҡыр, көмөш һәм алтындан ҡойған. Ер йөҙөндәге тәүге тимер эшкәртеүселәр булып танылған төрки ҡәбиләләренең береһе һаналған халҡыбыҙ, әлбиттә, мәғдәнселекте яҡшы белгән һәм уны бөйөк сер итеп һаҡлаған. Мәғдән эшкәртеү һәм уны тормошта ҡулланыу – көнкүреште еңелләштергән, уның алға китеүен билдәләгән күрһәткес. Ҡалаҡ ҡулланыу ғәҙәте Европа илдәрендә X быуаттарҙа ғына ғәҙәткә ингән, тип хәбәр итә тарихсылар. Ә Уралда табылған боронғо ҡурған-ҡәберлектәрҙең һәр береһендә тиерлек ҡиммәтле металдарҙан ҡойолған ҡалаҡтар ҙа булған. Атаҡлы скиф алтыны коллекцияларында ниндәй генә ҡатмарлы нағыштар менән биҙәлмәгән улар. Йәки бына һуңыраҡ осорҙағы, Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы янындағы IX быуатҡа ҡараған төрки осоро ҡурғанында, башҡа бик күп ҡиммәтле биҙәүестәр һәм кәрәк-яраҡ менән бер рәттән, һабына айыу һыны төшөрөлгән көмөш ҡалаҡ та табылған. Һауыт-һаба үҙгәрештәргә тиҙ бирешеп бармаған мәҙәни бай лыҡ иҫәбенә инә. Совет власы йылдарының ни тиклемдер кимәлдә хатта символы булған әлүмин ҡалаҡтар иһә беҙҙең яҡтарҙа Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына ныҡлап таралған һәм инде өс йөҙ йыллап хакимлыҡ иткән ағас ҡалаҡты өҫтәлдән ҡыҫырыҡлап сығарған. Шулай ҙа әле булһа көндәлектә суйын ҡалаҡ ҡулланһалар ҙа, ололар ашҡа саҡырышҡанда бишбармаҡҡа мотлаҡ ағас ҡашыҡ тарата. Улар күберәк урыҫтарҙың хохлома биҙәге төшөрөлгән йә төркисә ҡусҡарланған фабрика ҡалаҡтары. Һирәк йорттарҙа йомшаҡ уҫаҡтан ырылған оҙонса ауыҙлы боронғораҡтары һаҡлана. Уларҙы бер иш кенә итеп эшләү арыу оҫталыҡ талап итә, ә ҡулланған һайын ағастың күҙе ҡалҡып ауыҙҙы ҡороштормаһын өсөн уны оҙаҡ ҡына ваҡытҡа майға сумырып, май һеңдереп алалар. Беҙҙең милли һауыт-һаба тураһында бәйән иткәндә, ғалимдар күберәк ағас йә күн-тиренән яһалғандары хаҡында яҙа. Ә халыҡ әкиәттәрендә, эпостарҙа алтын-көмөш, еҙ, суйын, сөгөн һәм баҡыр көршәк-ҡаҙандар, батмустар, ҡалаҡтар телгә алына. Халҡыбыҙҙың мәғдәнселеккә нигеҙ һалыусылар булыуын, хатта Рәсәйҙә металлургия буйынса беренсе уҡыу йортон да башҡорт кешеһе Исмәғил Тасимов үҙ аҡсаһына асыуын иҫәпкә алғанда, һауыт-һабабыҙҙың тарихын тәфсирләп тик ағас һәм тире-күн материалдар хаҡында ғына һүҙ йөрөтөү – сәйер һәм төптө хата. Милләтебеҙҙең килешеү нигеҙендә тиң хоҡуҡлы булып Рәсәйгә ҡушылыуын, тик бер ни тиклем ваҡыттан килешеүҙәр аҡ батшалар тарафынан үтәлмәүен, башҡорттарҙың аяныс хәлгә төшөүен тарихтан беләбеҙ. Был ғәҙелһеҙлектәргә ҡаршы ризаһыҙлыҡтан ҡырҡтан ашыу ихтилал күтәрелгән һәм уларҙа бик күп милләттәшебеҙ фажиғәле һәләк булған. Ошо ваҡиғалар хаҡында уҡығанда ҡоро мәғлүмәттәргә ҡарап ҡына ла сәстәр үрә торорлоҡ. Халҡыбыҙ һан яғынан ғына кәмемәгән, боронғо мәҙәниәтен һәм рухи ҡомартҡыларын да күпләп юғалтҡан. 1737 йылда сираттағы болғаныш баҫтырылғандан һуң, мәҫәлән, аҫабалар яңынан ҡоралланып баш ҡалҡытмаһын өсөн ҡаты саралар күрелә, шуларҙың береһе – башҡорттарға тимерлек тотоуҙы тыйған яңы указ (ошондай уҡ указ XVI быуатта ла була). Хатта көндөҙ ут яғыуҙы ла рөхсәт итмәгән, аҡыл менән аңлап етмәҫлек бойороҡтар сығарыла. Төтөн күренә икән, тимәк, тимер иретәләр. Ошо сәбәпле төтөнө бура эсендә баҫылған ҡара мунсалар барлыҡҡа килә. Шул арҡала һалҡын ҡоралға тиңләнгән ҡалаҡтар ҙа өйҙәрҙән йыйып алына. Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреш кимәлен был указдар әллә нисә быуаттарға артҡа ырғыта. Оҫталар сараһыҙҙан ағас һәм балсыҡтан эшләнгән һауыт-һабаға күсеп, шул өлкәне камиллаштырырға мәжбүр була. Әммә халыҡ хәтере мәңгелек. Ул һаман да һылыу ҡыҙҙарын «көмөш ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ» тип маҡтай. Ялтыр ғына табаҡ, көмөш ҡалаҡ, Ашаһана, атай, ашыңды. Һатлыҡ малдай күреп, кәңәш итмә Ашаныңда, атай, башымды. Алтын ғына табаҡ алдым ҡулыма, Ер еләккәйҙәрен түгергә, Үҙ илемдә йөр(ө)нөм сәскә кеүек, Сит илдәрҙә нисек йөрөргә? – тип сеңләүҙәрҙә, йырҙарҙа, әкиәттәрҙә лә элекке көнкүреше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡындағы мәғлүмәтте аңғармаҫтан һаҡлап килә. Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Күгәрсен районы халҡына практик ярҙам күрһәтеү маҡсатында Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан табип-невролог, лор, ҡан тамыры хирургынан торған табиптар бригадаһы килә. Күгәрсен районы халҡына практик ярҙам күрһәтеү маҡсатында Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан табип-невролог, лор, ҡан тамыры хирургынан торған табиптар бригадаһы килә. Эш графигы: 25 июлдә 14 сәғәттән – 17 сәғәткә тиклем – Мәҡсүт ауыл-табип амбулаторияһында; 26 июлдә 9 сәғәттән – 17 сәғәткә тиклем – Мораҡ үҙәк район дауаханаһында; 27 июлдә 10 сәғәттән – 13 сәғәткә тиклем – Йомағужа ауыл-табип дауаханаһында. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы администрацияһы. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Гүзәл заттарҙың баш ҡала­ла үтәсәк мәртәбәле йыйынына әҙерлек ҡыҙыу барҙы. Бындай ҙа сараға иң лайыҡлы делегаттар һайланды. Билдәләнгән көн дә етте. Байрам барышын барлыҡ республикаға, халыҡҡа етке­реү бурысы хәбәрселәргә йөк­мәтелгән. Улары инде күптән ярты мәҙәниәт һарайы булып йөрөй. Берәүҙәре фотоға тө­шөрә, телевидение, радио­ныҡылар, нимә тураһында һөйләйем һуң, тип аптыра­ғандарға, мин һөйләгәнде әйтегеҙ, тип артынан ҡабат­лата. Бына сара башланды. Бер түрә, залдағыларҙы тәбрикләп, ярты сәғәт самаһы иң яҡшы төбәктәрҙең береһендә йәшә­үебеҙ хаҡында һөйләне, гүзәл заттарға ишле балалар үҫте­реү өсөн уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырылыуын иҫкә төшөрҙө. Был тиклем матур сығыштан һуң гөрләтеп ҡул саптылар. Көслө алҡыштарға хатта гәлсәр люстралар ҙа ҡушылып сыңланы. Унан һуң һүҙ делегаттарға бирелде. Кемдер ишле бала тәрбиә­ләүҙән ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы, берәү бөгөнгө демографик хәлде яҡшыртыу ниәтенән күп ҡатынлылыҡ хаҡында закон ҡабул итергә кәрәк тине, өсөнсөләр иһә көслө заттарҙы яҡларға кәрәклеген әйтте. Гөлсөм исемле ханымдың халыҡты, ғаиләне тәрбиәләүҙә матбуғаттың әһәмиәте хаҡын­дағы сығышын залдағылар ифрат оҡшатты. “Йәш быуынды тәрбиәләүҙә гәзит-журналдарҙың ярҙамы баһа­лап бөткөһөҙ ҙур. Бөтәбеҙ ҙә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫма­ларға әүҙем яҙылайыҡ”, – тип телмәрен тамамлағас, бе­рәүҙәр, уны хуплауын белдереп, әсе итеп һыҙғырҙы, икенселәр усы ҡыҙғансы ҡул сапты. Республика гәзите хәбәр­сеһе Нургизә тәнәфес иғлан ителеү менән әлеге делегат янына ашыҡты. Үҙен күреп һөйләшеү мотлаҡ. Фекере елле бит! – Һаумыһығыҙ! Беҙ республика гәзитенән булабыҙ, үҙегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле, – тине ул. – Ниндәй гәзиттән тип әйттегеҙ? – Делегат ҡабатлап һораны. – “Яңы тормош” гәзитенән, – тине хәбәрсе диктофонын рәтләй-рәтләй. – Яңыраҡ ҡына баҫмабыҙҙың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләнек. – Ундай гәзит тә бармы ни? Делегаттың былай һора­уына хәбәрсенең күҙе маң­лайына менһә лә, ғәжәп­ләнеүен һиҙҙермәҫкә тырышты. – Бар. – Ҡайҙа сыға? – Өфөлә. — Атаҡ! Улай икән, мин тәүге тапҡыр ишетәмсе. – Делегат ханым, яңы планета асҡандай ғәжәпләнеп, ихлас йылмайҙы. – Беҙгә район гәзите генә килә шул. Уныһын да уҡып ултырырға ваҡыт юҡ әле. Ул арала фотохәбәрсе лә тып итеп килеп баҫты. Уның: – Миңә иғтибар итмәгеҙ, ана шулай һөйләшеп тороғоҙ, ана шулай, динамика кәрәк, – тип аппаратын шарт та шорт баҫа башлауға ханым риза­һыҙлыҡ белдерҙе: – Нисек инде улай тота килеп фотоға төшөрәһегеҙ? Әҙерәк биҙәнеп-төҙәнеп алайым. – Бергә эшләгән хеҙмәт­тәштәрем күрһә, шартларҙай булһындар әйҙә. Былай ҙа ошонда китәм тигәс, йәмрәйеп йөрөнөләр. Һөйләргә бер нәмә булыр. – Унан делегат сум­каһын ҡутара башланы, кәрәкле генә әйберен таба алмай хитланды. Бер аҙҙан помадаһын килтереп сығарҙы ла ирененә ҡыҙыл йүгертте. Бына хәҙер була! – Гөлсөм ханым ихлас йылмайҙы. – Нисегерәк торайым? – Ул фотохәбәрсегә ҡарап йыл­майҙы. – Хәбәрсе менән һөйләшеп торған булығыҙ. Динамика булһын. – Ошолай килешерме? – Ана шулай, ана шулай. Әңгәмәләшеп бөткәс, ханым мәҡәләнең ҡасан сығыуы менән ҡыҙыҡһынды. – Ошо йомала. – Нисәнсе биттә? – Беренсе биттә буласаҡ. – Беренсе биттә? Ҡай­һылай шәп! – Делегат ҡәнәғәт йылмайҙы. – Ул гәзитте ҡайҙан табайым? Беҙҙең ҡалала бармы икән? Бер ҙә генә күҙгә таш­ланғаны юҡ – Ниңә булмаһын ти?! Тотош республика буйлап тарала. Үҙегеҙ алдырмаһағыҙ, киосктар­ҙа мотлаҡ булырға тейеш. Унан депутат фотохәбәр­сегә боролдо: – Һеҙ матурыраҡ фотоны бирергә тырышығыҙ инде. Йылмайып торғанын. Нургизә рәхмәт әйтеп, һау­буллашып, ишектән сығырға торғанда, делегат ҡулы менән “туҡтап тор әле” тип ишаралап, халыҡты йырмаслай-йырмаслай йүгерә-атлай уның янына килә ине. — Туғаным, туғаным, саҡ ҡына көтөп торһаңсы. Ней, ҡана телефон һандарыңды бир әле. Кәрәк булыр ул. – Делегат уның телефонын яҙып алды. *** Нургизә мәҡәләһен өлгөр­тәйем тип ашығып яҙып ултырғанда телефоны шылтыраны. – Туғаным, туғаным, был Гөлсөм апайың ине. Ней, мин фотомды белешәйем тигәй­нем. Нисек сыҡҡан? Матурмы? Әтеү мин фотола йәмһеҙ сығам да ҡуям. – Матур булған, апай, бик матур. – Туғанҡайым, зинһар, иң матурын бирегеҙ инде. Әҙәм көлөрлөк булмаһын. – Ярай, ярай. – Беренсе биткә тип әйттегеҙме әлеүел? – Эйе, эйе. – Быныһы бигерәк һәйбәт. – Тик бына ул гәзитте нисек табырмын икән? Ғүмерҙә күргәнем юҡ. – Ҡалағыҙға бара ул. Төн уртаһында телефон шылтырағанға Нургизә терт­ләп уянды. Тиккә түгелдер. Ул ҡабаланып телефон төймә­һенә баҫты. Сымдың теге осонда делегат апай ине. – Туғанҡайым, борсоғанға ғәфү ит инде. Йөрәк түҙмәй. Мин баяғы мәҡәлә хаҡында белешәйем тигәйнем. Сыҡ­тымы шул гәзит, юҡмы? – Сыҡты, әлбиттә. – Фотом нисек? Күҙем йомолмағанмы? Йәмрәйеп тормайыммы? – Һәйбәт сыҡҡан, апай, бик һәйбәт. – Ниндәйерәк фотоны ҡуйҙығыҙ? – Йылмайып торғанын. –Ул гәзитте ҡайҙан табайым икән? – Киосктарҙа бар ул. Иртәгәһенә Нургизәнең телефоны тағы шылтыраны. Йәнә теге делегат ине. – Туғаным, бына әле киоск­тар буйлап йөрөп ятам. Һеҙ ниндәй гәзит тип әйттегеҙ әле ул? Һис кенә лә иҫемә төшөрә алмайымсы...
Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн вертикаль мини-фильмдар төшөрөүгә конкурс иғлан итте. Башҡортостан йәштәренең интернет селтәрҙәрендә уртаҡлашыр эштәре күп! 5 ноябргә тиклем конкурсҡа ғариза биреп өлгөр. Яңы фән йондоҙо бул! Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Аң-белем таратыу темаһына ниндәй ҙә булһа ҡыҫҡа вертикаль ролик төшөр һәм тамашасыларға фильм аҙағын ике вариантта тәҡдим ит. Улар варианттарҙың береһенә тауыш бирәсәк. Ролигыңды Рәсәй «Белем» йәмғиәте сайтындағы ғариза формаһына беркет. Иң яҡшы бер нисә автор күп сериялы ысын ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Өҫтәүенә! Конкурс йомғаҡтары буйынса финалистарҙың эштәренән ҙур фестиваль үткәреләсәк, ә мәртәбәле жюри конкурс еңеүсеһен һайлаясаҡ. Еңеүсе технологик компания проектында эш тәжрибәһе туплаясаҡ.
Коронавирус хәүеф янауға бәйле, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм хакимиәттә вазифа биләүселәр тарафынан граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ваҡытлыса кисектерелеп тора. Ҡала халҡына мөрәжәғәттәрҙе яҙма рәүештә [email protected]. почта адресына ебәрергә тәҡдим ителә. Граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡабул итеү шулай уҡ Октябрь проспекты, 32 адресы буйынса ҡабул ителә, 1-се ҡат, көн һайын сәғәт 8.30-ҙән 17.30-гә тиклем (тәнәфесһеҙ, шәмбе, йәкшәмбе – ял көндәре), шулай уҡ интернет аша электрон документ формаһында –Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең рәсми сайтына; Башҡортостан Республикаһының власть органдары https://letters.openrepublic.ru/. электрон ҡабул итеү алып барыла. Граждандарҙы шәси ҡабул итеүҙе яңынан башлау тураһында һуңғараҡ хәбәр ителәсәк. Белешмәләр өсөн телефондар: 24-10-06; 25-23-50. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Haqmar Wikipedia:Проект:Рәсәй йылғалары битенең исемен йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртте. Яңы исеме: Проект:Рәсәй йылғалары ә 17:42 Haqmar Haqmar Википедия:Проект:Рәсәй йылғалары битенең исемен йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртте. Яңы исеме: Wikipedia:Проект:Рәсәй йылғалары ә 17:38 Haqmar "{{tasks |expand=Бот ярҙамы менән ҡойолған рәсәй йылғалары тураһындағы мәҡәләләрҙе д…" исемле яңы бит булдырылған
«Иң матур башҡорт һүҙе» проекты 1 ноябрҙә иғлан ителгәйне. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте.Барлығы 1000-дән ашыу һүҙ тәҡдим ителгән. Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгән исемлек бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән):1) Атай, 2) Йөрәккәйем, 3) Йән, 4) Йәнтөйәк, 5) Ҡот, 6) Намыҫ, 7) Өмә, 8) Сабыр, 9) Тылсымлы, 10) Хыял, 11) Һөйәм, 12) Әсәй.Башҡорт телендәге иң матур яңғырашлы һүҙҙе һайлау өсөн ошо сайтта тауыш биреү бара: «Иң матур башҡорт һүҙе» проекты 1 ноябрҙә иғлан ителгәйне. Республика халҡы ике аҙна дауамында үҙ варианттарын тәҡдим итте. Барлығы 1000-дән ашыу һүҙ тәҡдим ителгән. Халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә төҙөлгән исемлек бына шундай (һүҙҙәр алфавит тәртибендә бирелгән): 1) Атай, 2) Йөрәккәйем, 3) Йән, 4) Йәнтөйәк, 5) Ҡот, 6) Намыҫ, 7) Өмә, 8) Сабыр, 9) Тылсымлы, 10) Хыял, 11) Һөйәм, 12) Әсәй. Башҡорт телендәге иң матур яңғырашлы һүҙҙе һайлау өсөн тауыш биреү https://bashslovo.ru/ сайтында бара. 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, ниндәй һүҙҙең иң матур икәне билдәле була. Тауыш биреүҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән. Проект авторы — Рөстәм Аҙнабаев. https://www.bashinform.ru/news/1526743-stali-izvestny-12-samykh-krasivykh-bashkirskikh-slov-kotorye-predlozhili-zhiteli-respubliki/
Беҙҙең тормошобоҙҙа коррупция ныҡлы тамыр йәйҙе һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, чиновниктар, түрәләр араһында йәшәү рәүешенә әйләнде. “Һәнәк” тиҫтәләрсә миллион һум тәшкил иткән урлашыуҙар, дәүләт милкен үҙләштереүҙәр, ришүәтселек миҫалдары хаҡында даими яҙып тора.Ошо көндәрҙә, Өфө районы суды ҡарарына ярашлы, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының элекке урынбаҫарына 113 миллион һумлыҡ аҡсаны һәм мөлкәтте кире ҡайтарып бирергә тура киләсәк. МИНИСТРҘЫҢ ЭЛЕККЕ УРЫНБАҪАРЫ МӨЛКӘТЕН ҠОТҠАРА АЛМАҒАН Беҙҙең тормошобоҙҙа коррупция ныҡлы тамыр йәйҙе һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, чиновниктар, түрәләр араһында йәшәү рәүешенә әйләнде. “Һәнәк” тиҫтәләрсә миллион һум тәшкил иткән урлашыуҙар, дәүләт милкен үҙләштереүҙәр, ришүәтселек миҫалдары хаҡында даими яҙып тора. Ошо көндәрҙә, Өфө районы суды ҡарарына ярашлы, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының элекке урынбаҫарына 113 миллион һумлыҡ аҡсаны һәм мөлкәтте кире ҡайтарып бирергә тура киләсәк. Ҡайтарып бирмәҫ ине, элекке урынбаҫар Илдус Мамаев дәүләт аҡсаһын үҙләштереү йәһәтенән самаһын бөтөнләй юғалтҡан. Һуңғы йылдарҙа ул 113 миллион һумға сит ил валютаһын һатып алған. Бынан тыш, уның мөлкәттәре иҫәбендә Ҡырым ярымутрауындағы Алушта эргәһендә торлаҡ төҙөлөшө өсөн ике ер майҙаны, Өфөлә ике элиталы фатир, гараж, ике зиннәтле автомобиль һәм башҡалар бар. Элекке министр урынбаҫары үҙенең байлығын һаҡлап ҡалыу маҡсатында күҫәк тотоп хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә ҡаршы сыҡмаған, һуғышмаған һәм көрәшмәгән. Бер көн эсендә фатирҙарын, ер участкаларын, автомобилдәрен туған-тыумасаһына бүләк рәүешендә рәсмиләштергән. Бүләк итмәҫ ине, сөнки урынбаҫарҙың һуңғы йылдарҙа алған килеме уның мөмкинлектәренән байтаҡҡа юғарыраҡ булған һәм ул тикшереүсе органдар алдында дөрөҫ яуап тота алмаған. Ағай-энегә ҡарата булған ышанысы ла аҡланмаған. Уларының да йыллыҡ табыштары мөлкәт хаҡынан күпкә юғарыраҡ. “Аҡҡа төшкәнсе, батҡаҡҡа төш” тигән һымаҡ, Мамаевтың төрлө юлдар менән йыйған мөлкәте уның табыш алыу мөмкинлектәренең бик үк закондарға тура килмәүе асыҡланған. Шуныһы ҡыҙыҡ, Мамаевтарҙың алынған килеменә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ йәшәүе хаҡында күптәр белгән, ләкин берәү ҙә дөрөҫ юлға баҫтырырға ашыҡмаған. Мәғлүм булыуынса, төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән бик ҙур эштәр тормошҡа ашырыла. Тимәк, йөҙҙәрсә миллион һум аҡса бүленә. Ошо аҡса беҙҙең тормошобоҙҙо яҡшыртырға, йәшәү рәүешен күтәрергә ярҙам итергә тейеш. Сер түгел, элек коммуналь хужалыҡты яңыртыуға аҡса бик әҙ бүленде. Хәҙер тармаҡҡа иғтибарҙың артыуы ҡыуандыра. Ә бына ошо маҡсаттан бүленгән аҡсаларҙы үҙләштереүселәргә ҡарата ниндәй саралар ҡулланырға? Сөнки бүленгән аҡса маҡсатлы файҙаланылмаһа, беҙ артабан да һыуыҡ фатирҙарҙа йәшәйәсәкбеҙ, тутыҡҡан торбалар ҙа урынында ҡаласаҡ һәм һалҡын ҡыштарҙа авариялар теркәләсәк. Ҡайтарып алынған аҡса дәүләт иҫәбенә күсереләсәк, тип белдерһәләр ҙә суд ҡарары үтәләсәк тигән һүҙ түгел әле. Сөнки ҡарар юғары инстанцияларҙа раҫлау табырға тейеш. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Тағы күп көндәр шундағы актерҙар булып бейене, ҡат-ҡат бейеп-һикереп туғандарын ялҡытып бөттө. Әсәһе генә ғәжәп рәүештә сабырлыҡ күрһәтте. Рудольф йәнә әсәһе эргәһенә килеп баҫты. – Әсәй, Зәйтүнә аяғын ошолай борҙомо? – Саҡ ҡына дөрөҫ түгел. Бына ошолайыраҡ итеп... Малай, әсәнең ни тиклем матур хәрәкәт яһай алыуын күреп, ҡысҡырып ебәрҙе. – Әсәй, һин оҡшатып эшләнең, ҡайҙан беләһең быны? – Бәй, заманында беҙ, комсомолдар, халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәре алып барҙыҡ. Булды шөғөлләнгән мәлдәр. – Әсәй, һин бейенеңме? Фәриҙә моңһоу йылмайып баш ҡаҡты. – Саҡ ҡына... – Әсәй, һин дә бейеүсе торна булып тыуғанһың. – Белмәйем, улым. – Ә мин беләм! Һинең хыялың булдымы? УЛ ТОРНАЛАР МЕНӘН БЕРГӘ ОСТО Хикәйә Икенсе өлөш – Һинең кеүек саҡта ҡошҡа әйләнеп, берәй утрауға китеп йәшәргә хыяллана торғайным. Бәхет утрауына. Һинең йәшеңдә ата-әсәм үлеп, йәтим ҡалып, аслыҡты, тормош ҡатылығын иртә татығанғамы... Бәхет утрауы теләк кенә булып ҡалды. Ә һинең хыял тормошҡа ашһын. – Әсәй, кешеләргә яҡшылыҡ эшләүсе торналар ҡайҙа йәшәй? Моғайын, уларҙың айырым бер утрауы барҙыр? Фәриҙә баш сайҡаны. – Атайың менән байтаҡ ер-һыу кистек. Бер утрау күргәнем булманы. Һәр хәлдә, бәхет утрауын. Ул хыял ғына. – Зәйтүнәне торналар бәхетле итте. – Зәйтүнгөлдө, тигән. – Юҡ, Зәйтүнәне! Ә тылсымлы торналар бар. Әсәй, ҡара минең торна бейеүемде, – Рудольф аяҡ остарына баҫты ла ҡулдарын күтәрҙе. – Бына ҡалай була ул Уралға ҡайтҡан торна! – Ошондай һығылмалыҡ миндә лә булды бәләкәй саҡта, үҙемә оҡшағанһың... – тип улын үҙенсә хуплай Фәриҙә ханым. – Ә мин ниндәй? Мин! – тип һорамайынса түҙмәй иғтибарға эләгергә тырышҡан Рәзидә. Ул килбәтһеҙерәк, кәүҙәгә ауырыраҡ. Әсә уны ла йыуата. – Һин атайыңа нығыраҡ тартҡанһың. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ миңә лә, атайығыҙға ла оҡшағанһығыҙ, балалар. Рудольф бындай яуаптан ҡәнәғәт. Сөнки уның атаһына оҡшағыһы килә. Дөрөҫ, атайҙың ниндәй икәнен белмәй малай. Һигеҙ йәш тулды, ә уларҙың күрешкәндәре юҡ. Хәрби кешенең ихтыяры үҙенә бәйләнмәгән, әрме уға ниндәй бурыс ҡуя, шуны иң алда үтәргә тейеш. Ул бары Хәмит Нурыевтың тиҙерәк ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Атаһы уны яҡлар, терәк булыр тип өмөтләнә. Юғиһә, тиҫтерҙәре араһында буйға иң бәләкәсе, ҡаҡса булғаны өсөн йәберләүселәр етерлек. Туҡмаҡ та эләгә. Уның бейеү оҫталығын атаһы баһалар. Ниндәй икән уның атаһы? Эх, бөтөнләй хәтерләмәй шул! *** – Етте! Бүтән бейеү түңәрәгенә йөрөмәйһең! Тоҡомда булмағанды ҡылана. Кеше алдында сәпәкәй өсөн ҡыуанып, маймылланып йөрөүеңде туҡтат! Һин бит хәҙер пионер! – Ә фронттан яраланып ҡайтҡан һалдаттарға кем рухи көс бирҙе? Беҙ – уҡыусы балалар. Тап беҙҙең мәктәп унда йыш булды, беҙҙе, бейеүселәрҙе госпиталгә гел саҡырып торҙолар. Нисек кем? Һалдаттар! Үҙҙәре саҡыра ине. Башҡорт бейеүен бейеп бөтһәм, ҡосаҡлап алалар ине. Хәҙер мин белмәгән милли бейеү юҡ, атай. – Ваҡытлыса был нәмәләр. Ваҡытлыса! – Минең оҫта бейейем. Быны бөтәһе лә таный. Атай, уҡытыусым Елена Вайтович үҙе әйтте һиңә был турала. Рудольфты Киров театры эргәһендәге балет мәктәбенә уҡырға ебәрергә тырышығыҙ, тине. – Иң алда ир һөнәре үҙләштерәһең! – Минең бейеү түңәрәгенә йөрөүем бер һиңә генә ҡамасаулай. – Телләшмә! – Телләшмәйем. Үҙ фекеремде генә әйтәм. Бейеү – минең донъям. Бына шулай бейеү сәнғәте, уҡыу, өлгәш, тәртип – бөтәһе лә бергә буталды. Улар Рудольфтың тормошонда камил яраша алмай, шуға ла ата менән улы араһындағы тартҡылашыу ҡай бер көндәрҙә өйҙә айырыуса көсөргәнеш тыуҙыра. Рудольфтың үҫмер йылдарында, бигерәк тә үҙаллылыҡа ынтылғанда, аңлашылмаусанлыҡ көсәйә генә төштө. – Мин һиңә асыҡ әйттем. Хәрби юлды һайлайһың, – тине атаһы тағы бер һөйләшеү мәлендә. – Юҡ. Һуғыш уйыны минең өсөн түгел. – Улайһа, инженер! Инженерҙар кәрәк тыныс тормошта. Заводтар, фабрикалар тотош ил буйлап төҙөлә! Советтар Союзы ҡеүәтле держава. Шулай булып ҡаласаҡ, тимәк, иң кәрәк һөнәр техника менән бәйле. – Атай, нисәмә йылдар буйы бер нәмәне тылҡыйһың! Ялыҡманымы үҙең дә? Юғары сәнғәтте үҙләштергем килә. – Балерина! Атаһы ҡаты ҡулы менән биткә сәпәй. Ғәрлегенән ҡып-ҡыҙыл булған үҫмер атылып сығып китә. Ул йүгерә, нимәлер һөйләнә. Шунан туҡтай. Күккә күтәрелеп баға. Унда, бейектә, ҡоштар тубын күргәндәй. “Сыңрау торна” балетын ҡарағандан һуң, ул кешеләргә ауыр саҡта ярҙамға килер торналар барлығына ышанғайны. Хәҙер юҡ. Ул тик ышанырға һәм үҙенсә көрәшергә тейеш. Бына шулай Рудольф Нурыев ҡаса-боҫа бейеү дәрестәрен ала. Ҡасандыр Рауза апаһы уны бейеү түңәрәгенә алып барһа, бөгөн дә яҡлаша. Мәҫәлән, атай кешегә: ”Рудик математиканан өҫтәмә дәрес алырға китте”, тип әйтә. Сөнки өлкән Нурыев улының математиканан насар өлгәшкәнен белә. Ата менән ул низағлашҡанда Фәриҙә ике ут араһында ҡала. Төрки ҡатындарына хас булғанса, ул ирен хөрмәт итә, ғаиләлә уның ихтыяры закон булырға тейеш. Шулай уҡ улын ярата, уның ынтылышын аңлай. Ана шуға ҡатындың күҙҙәрендә һағыш. Ул күптән йылмайыуҙы онотто, тик эстән генә һыҙҙы. Йөрәге менән әсәһенең үҙе яғында икәнен һиҙенгән Рудольф атаһының кәмһетеүенә теш ҡыҫып түҙҙе, үҙенең оло һөйөүенән – бейеү сәнғәтенән ваз кисмәне. – Беҙҙең бейеү төркөмө бөтөн мәктәптәр араһында еңеүсе булды! Мин башҡорт бейеүен бейенем. Атайым ҡыҙыҡһынманымы? – Мин Опера һәм балет театрында массовкаларҙа ҡатнашам! Атайыма был яңылыҡ кәрәкмәйме? – Мине кордебалет артисы итеп алдылар. Ни өсөн атайым риза түгел? – Мин заводтарҙа халыҡ бейеүҙәрен өйрәтәм. Унда миңә ике йөҙ һум түләйҙәр. Мин үҙем аҡса эшләй башланым. Атайым нишләп ҡаршы булһын, эйеме? – Мин үҙем эшләп алған аҡсаға Мәскәүгә барып ҡайттым. Һорашманымы атайым? – Мин декадала ҡатнашам. Солист! Атайым минең балет артисы булғанымды күрһә, барыбер ризалашыр! Мәскәүҙә үтәсәк башҡорт мәҙәниәте көндәре Рудольф өсөн яңы шатлыҡ бүләк итте.Ҡасандыр уны әсир иткән “Сыңрау торна” уны үҙ эсенә саҡырҙы. Унда бейейәсәк солист ауырып киткәнен ишеткәс, Рудольф һис икеләнеп тормай ошо ролгә үҙен тәҡдим итте. Һәм Нурыевты, ролде бер ҙә уйнап ҡарамаған егетте, солист итеп тәғәйенләнеләр! – Әсәй, минең дебют уңышлы булды! – Улым, был уңышыңа шатбыҙ! Юҡ-юҡ, атайың ҡәнәғәт, ризаһыҙлыҡ белгертмәне!. Мәскәү публикаһының алҡышы, тәнҡитселәрҙең итәғәтле мөнәсәбәте егетте яңы осошҡа ҡанатландырҙы. Рудольф үҙенең балет тигән сихри донъяға үтеп инәсәгенә һәм унда лайыҡлы урын биләйәсәгенә тамсы ла шик тотманы. Тылсымлы һандыҡ өс йоҙаҡҡа бикләнгән булһа, бөгөн уның бер биге ысҡынды, һәм Нурыев ҡалғандарын ҡалайтып булһа ла асырға тейеш! – Әсәй, мине Опера һәм балет театры директоры артист итеп эшкә саҡырҙы. Йәнә лә Ленинград балет мәктәбенә саҡырыу алдым. Мин Ленинградты һайланым. – Ленинград?!. – Нимә хафаға һалды? Мин һынауҙы уңышлы тотасаҡмын. – Улым, зинһар был турала атайың белә күрмәһен. – Атайым? Атайым күптән минең сәнғәткә ынтылышыма битараф. – Яҙмышыңа битараф булһа, ҡул һелтәгән булыр ине. Инде нисә йылдар ул һиңә бер нәмәне аңлата... – Мин уның менән һигеҙ йәштә саҡ күрештем. Улын тәрбиәләүҙә саҡ ҡына һуңланы... – Бәләгә тарытмағайың туғандарыңды. Бәлки, кире уйларһың, Рудил! “Ә мин үҙемдең Нурыев бөйөк бейеүсе икәнемде раҫлаясаҡмын. Бының өсөн әллә нимәләр талап ителмәгәйе!” Рудольф яуап урынына ишекте шартлатып ябып сығып китте. Ун ете йәшлек егет Ленинградҡа табан юл алғанда, ышаныс эҙләгәндәй, төпһөҙ зәңгәрлеккә баҡты. Ә күк шундай аяҙ, шундай киңлек, шундай асыҡлыҡ, шундай сикһеҙлек! Ҙур, бөйөк маҡсат хаҡына талпынған Рудольф Нурыевтың ихтыярын һындырырҙай көс юҡ! “Сәнғәт күгенә мин үҙ ҡанаттарым менән күтәрелергә тейешмен. Ҡасандыр һеҙ миңә шуны аңлатҡайнығыҙ, торналарым!” **** – Егет, һеҙ бик сағыу бейеүсе булырһығыҙ йәки был юлдан төшөп ҡалырһығыҙ. Аҙаҡҡыһы дөрөҫкә тура килмәгәйе, – балет мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы Вера Костровицкаяның ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр Рудольф өсөн киләсәккә осасаҡ уҡты кереш өҫтөнә һалыуға бәрәбәр ине. Яндың кереше тартылды, һәм уҡ киләсәккә табан атылырға әҙерләнде – Башҡортостандан бары тик ярһыу дәртен тоғро юлдаш итеп алған Рудольф Нурыев балет сәнғәте серҙәренә төшөнөр һәм унда үҙ урынын яулар өсөн арыу-талыуһыҙ бейеү һөнәрен үҙләштерергә кереште. Был юлда, был шөғөлөндә үҙенә ҡамасау итә тип шикләнгән бөтә нәмәне тар-мар итте, туҙыналармы, битәрләйҙәрем, мыҫҡыл итәләреме – тик үҙенекен “ҡыуыуын” белде. Үҙе өсөн кәрәк түгел тип тапһа, интернаттың ҡаты ҡағиҙәләрен, талаптарын үтәүҙән дә баш тартты. Күптәр аңламаны. Көлдөләр. Ситләттеләр. Үҙһүҙлелеге, еңмешлеге, сәнскеле теле, дисциплинаға буйһонмауы арҡаһында ауыр хәлдәргә лә ҡалғыланы, кенә тотоусылар, дошмандары күбәйеүенә лә иғтибар итмәне Рудольф бейене лә бейене. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙыу ҡанлылыҡ менән түгел, уйлап эш итә белеүе күп осраҡта уны еңеүсе яһаны ла инде. Ахыр килеп, талантлы педагог А. Пушкиндың класына уҡырға төшөүе балет өлкәһендәге ҙур уңыштарының береһе булды. Ленинград балет театрында Советтар Союзынан йыйылған таланттар уҡыны, ә йәше буйынса инде “ҡарт” тип иҫәпләнгән Рудольф Нурыев шулар араһында өс йыл эсендә аҡылдан яҙырлыҡ хеҙмәте менән профессиональ юғарылыҡҡа өлгәште. Киров балет театрына Башҡортостан егетенең ҡабул ителеүе тураһындағы хәбәр кемдәргәлер, әлбиттә, йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте. Киров театрының әйҙәүсе балеринаһы Дудинская менән ҡушарлап бейеү тураһында ниндәй генә артист хыялланманы икән! Прима-балерина Рудольф Нурыевты мәшһүр театрға аяҡ баҫыр-баҫмаҫтан “Лауренсия”ға үҙенә партнер итеп саҡырҙы. Әлбиттә, театрҙа эшләгән профессионалдар быны төрлөсә ҡабул итте. Үҙҙәрен сәхнәлә балҡытыу теләге менән янған йәш артистар араһында ла бәхәстәр булып алды – кемдер һоҡланды, кемдер мыҫҡыллы йылмайҙы, кемдер аптыраны, кемдер уртын сәйнәне. Коллектив тарафынан “перспективалы” тип аталған йәш, матур артист Егор Соловьев, үҙенә көслө конкурент килгәнен һиҙемләп, бүтәндәрҙән нығыраҡ һағайҙы. Етмәһә, Дудинскаяға партнер итеп үҙен тәҡдим итергә йөрөгәйне, ләкин театрҙың “королева”һы уның яғына боролоп та ҡараманы. Репетицияны күҙәтеп ултырған ҡараңғы сырайлы Егор, бүтәндәрҙән айырылып, ситкәрәк барып баҫты. Яңы ҡалҡа башлаған йондоҙҙоң бындай хәлгә тарығаны юҡ ине... Дошманы ла, дуҫы ла булмаған, ғөмүмән, кешеләргә битараф ҡараған К. шундай кәйефһеҙ мәлдәренең береһендә уның эргәһенә килеп баҫты. – Сығышы менән Башҡортостандан, тиҙәр был... Егор йөҙөн сирыштырҙы: – Шайтаным белә! Шуныһы асыҡ: провинциалдар баҫып ала башланы юғары сәнғәтте. Әрһеҙлектәре менән. – Эгоцентрик булһа ла, ул талантлы, – тип тамаҡ ҡырҙы К. – Балет театрында уҡығандар Башҡортостанға кире ҡайттылар, ә Нурыев һөҙөшә белә. Аяғында ныҡ тора. – Ә мин ул Киров театрында тәүге һәм һуңғы “башкиренок” булыр тип уйлайым. – Йәш саҡта барыбыҙ ҙа ҡыҙыу. Тик ауыҙыңды үлсәп ас, быны һиңә яҡшы ниәттән әйтәм. – Миңә яҡшы ниәттәһегеҙ, – Егор көлдө, шунан Рудольф шөғөлләнгән тарафҡа эйәк ҡаҡты. – Ә уға, минең аңлауымса, бөтә нәмәгә лә рөхсәт бирелгән. – Бөтә нәмәгә?.. – Ну, берәү ҙә шәм тотоп тормаған... – Егор артыҡ ысҡындырғанын һиҙеп, икенсегә борҙо. – Уның ауыр холҡо, тәртибе тураһында хәҙер легендалар йөрөй. Барыһы ла ғәфү ителә. – Ләкин һеҙҙең ауыҙҙан ысҡынды, берәү ҙә шәм тотоп тормаған... Әйтеп бөтөгөҙ. – Сит илдән килеп уҡыған ҡай берәүҙәр менән шикле дуҫлығы тураһындағы хәбәрҙәр йөрөй. Бәлки, ялғандыр, раҫларға йыйынмайым. Минең таратҡан ғәйбәт тә түгел. Шулай ҙа совет артисының мораль облигына бысраҡ яғыла. – Ялғанды ысынға әйләндерергә була. Булышлыҡ итегеҙ, – К. ауыҙын асып ҡатҡан Соловьевҡа хәйләкәр ҡарап алды. – Уны шикле әҙәмдәр менән таныштырығыҙ, – хәҙер ул етди ҡиәфәт алды. – Мин шаярттым ғына!.. Юғиһә, бер кешене еңелмәҫ конкурент итеп күргәнһегеҙ ҙә, башығыҙҙан алып ташлай алмайһығыҙ. Ижад кешеләре үтә лә хисле, аҡылдан яҙып ҡуйыуығыҙ бар. Ә һеҙгә үҙегеҙҙе киләсәк өсөн һаҡларға кәрәк, артист дуҫ! Егоровтың иңбашынан ҡаҡты ла К. ары атланы. Данлыҡлы Мариин театры традицияларын үҙендә һаҡлаған Киров театрында эш башлағас, Рудольф Нурыев уның эске тормошо балҡып торған шөһрәтле сәхнә тормошонан айырылғанын аңланы. Бала саҡтан үҙ һүҙле булып, шул арҡала әрен дә, туҡмағын да алып, барыбер үҙенекен ҡыуған егет эш башлаған театрында ла, тәбиғи, юғалып ҡалманы. Һәр ойошмаға хас булғанса, бында ла партиялы һәм партияһыҙҙар төркөмө бар. Йәштәрҙең коммунистик берлеге ағзаһы булыу – ышаныс билеты тоттороуға бәрәбәр. Үҙенең киләсәген ҙур сәнғәттә генә күргән Рудольф бер төркөмгә лә ҡушылманы. Уның был холҡон “ҡырағай азиат”лығы менән аңлаттылар. – Һиңә балалыҡтан сығырға, комсомолға инегә ваҡыт, – тине уға театрҙы комсомол етәксеһе Александр Осипов. – Комсорг, мин һеҙгә теге ваҡытта уҡ асыҡтан-асыҡ әйттем Нурыев үҙенең ваҡытын тик бейеү сәнғәтенә сарыф итә. Һәм был берәүгә лә сер түгел! – Тимәк, беҙҙең эш – ваҡытты әрәм-шәрәм итеү? – Мин улай тимәнем, Александр. Һеҙ, фантазер. – Но... – Һеҙгә ижад менән шөғөләнергә тәҡдим итәм. Балетта түгел, әҙәбиәттә! Мин репетицияла. Бүлдермәгеҙ! Александр ҡып-ҡыҙыл булып сығып китте. Уға саҡ ҡына ла иғтибар итмәгән Рудольф өҙөлгән вариацияһын дауам итте. Тағы ла бер нисә көндән Нурыевты театр директоры үҙ янына саҡыра. – Нурыев, ни өсөн дөйөм йыйылышта булманығыҙ? – Бер үҙем шөғөлләндем. Яңғыҙлыҡ минең дуҫым. – Яңғыҙлыҡ түгел, ә яуапһыҙлыҡ! – Мин үҙемдең индивидуалист икәнемде генә әйтәм! – Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй. Театр – бөтәһенән элек коллектив! – Мин үҙ көсөмә ышанам, – тине Рудольф тыныс ҡына. – Үҙ көсөңә ышаныуың яҡшы. Тик беҙҙең һәр премьера хөкүмәт хуплауын алғас ҡына тамашасыға сыҡҡанын да онотма, Нурыев. Рудольф менән ошондайыраҡ әрепләшеүҙәр ғәҙәти бер күренешкә әйләнде, тиергә була. Ләкин Киров театрында эшләгән профессионалдәр уның талантлы артист икәнен таный, балериналар уның менән бейеүҙе хуп күрә, тамашасы уны нығыраҡ алҡышлай, тәнҡитселәр, сәнғәт белгестәре уға иғтибар бүлә, Болгария, Көнсығыш Германия, Мысырҙағы сығыштары матбуғатта киң яҡтыртылды. Шуға ла уның кирелеге, ауыр холҡо ғәфү ителә килә. Хәйер... Дауамы бар. Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Бишенсе йылдың шәүүәл айында әл-Хәндәҡ йәки әл-Әхзәб алышы була. Хәл иткес һәм михнәтле һуғыш. Мосолмандар бик ауыр һынауҙарға дусар ителә. Уларҙың был көндәгенән дә хәтәрерәк Һынау күргәндәре булмаған. Ошо турала Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Бына улар өҫтән дә, аҫтан да уратып алды. Һеҙҙең күҙегеҙ аларҙы, йөрәгегеҙ боғаҙығыҙға килде. Аллаһ тураһында төрлө нәмә уйланығыҙ. Шунда мөьминдәргә һынау булды: улар, бик ҡаты тетрәнеп, ҡойолоп төштө» (Ҡөръән. 33:10-11). Алыштың сәбәпсеһе йәһүдтәр була. Бану Нәдир Һәм Бану Вәил ҡәбиләләре халҡынан йыйылған төркөм ҡурәйштәрға килә лә, уларҙы Аллаһ Рәсүленә ҡаршы сығырға ҡоторта башлай. Быға тиклем һуғыш афәте кисергән, уның утлы ғазаптарын татыған ҡурәйштәр ҡурҡып ҡала һәм һуғыштан баш тарта. Йәһүдтәр уларҙы үҙҙәренең делегацияһы менән ҡыҙыҡһындыра башлай, һуғышты бик еңел һәм ваҡ итеп күрһәтергә тырышып: «Уны тулыһынса юҡ иткәнгә тиклем беҙ һеҙҙең менән буласаҡбыҙ», тиҙәр. Быны ишеткән ҡурәйш халҡы ҡыуанып китә. Йәһүдтәрҙең саҡырыуы уларҙы ҡапыл йәнләндереп ебәрә. Күмәкләшеп йыйылып, кәңәш ҡоралар, делегация артабан Ғәтәфән ҡәбиләһенә юллана. Уларҙы ла алышҡа саҡыра башлайҙар. Бөтә ҡәбиләләрҙе лә урап сығалар ҙа Мәҙинәлә буласаҡ яуҙың ҡурәйштәр менән килешеп эшләнеүе хаҡында иҫкәртәләр. Барыһы ла ҡуйылған шарттар менән килешә. Ҡурәйштәр — дүрт мең, Ғәтәфән халҡы алты мең һуғышсы әҙерләй. Йәмғеһе ун мең һуғышсы булып китә. Ғәскәр менән идара итеү Әбү Суфйан ибн Хәрбкә йөкмәтелә. Мөьмин хикмәте Мосолмандар Мәҙинәлә урынлашырға һәм һаҡланыу сараларын күрергә була. Уларҙың ғәскәрендә һуғышсылар һаны өс меңдән дә артыҡ булмай. Сәлмән әл-Фәрисий (радыйаЛлаһу ғәнһү) һаҡһыҙ ҡалған әл- Хәндәҡ яғына күрһәтә һәм былай ти: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Фарсылар ерендә булғанда, атлы ғәскәрҙән ҡурҡып, унан һаҡланыу өсөн ур ҡаҙа торған инек». Аллаһ Рәсүле ﷺ, уның фекерен ҡабул итеп, һөжүм хәүефе янаған, һаҡһыҙ ҡалған яҡта нығынырға ҡуша. Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләренә ур ҡаҙыу эштәрен бүлеп бирә. Унар кешенән торған төркөмдәргә ҡырҡар терһәк оҙонлоғонда ер тәғәйенләнә. Мосолмандарҙың бер-береһенә ярҙам итеүендә тигеҙлек Аллаһ Рәсүле ﷺ башҡаларға өлгө күрһәтеп, үҙе лә ур ҡаҙыуҙа ҡатнаша. Тырышып-тырмашып, ен һыҙғанып эшләйҙәр. Ул ваҡытта көндәр бик һыуыҡ була. Ашарҙарына ла саҡ-саҡ ҡына тамаҡ ялғарлыҡ аҙыҡ табалар. Ҡайһы саҡта уныһы ла булмай. Әбү Талха (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Беҙ Аллаһ Рәсүле ﷺ алдында ас булыуыбыҙға зарлана инек. Аҙаҡ асығыу тойғоһон баҫыу өсөн эсебеҙгә таш бәйләп йөрөй башланыҡ. Аллаһ Рәсүле ﷺ хатта ике таш бәйләп тороп алды». Ни генә булмаһын, улар үҙҙәрен бәхетле тоя, Аллаһҡа маҡтау әйтә. Шиғыр сығарып, шуны һөйләй-һөйләй, башҡаса зарланмайса, арыуҙарын тоймайса эштәрен дауам итәләр. Әнәс (радыйаЛлаһу ғәнһү) һөйләүенсә, мөһәжирҙәр һәм ансарҙар иртәнге һалҡында ур ҡаҙыу эше менән булғанда уларҙың янына Аллаһ Рәсүле ﷺ килә (уларҙың ҡолдары булмай). Сәхәбәләренең ни тиклем ауырлыҡ кисереп, аслыҡта йөрөгәнен күргән Пәйғәмбәр ﷺ: «Йә Аллаһ! Ахирәт рәхәтлектәренән башҡа рәхәтлек юҡ. Ансарҙарға һәм мөһәжирҙәргә бәрәкәт бир», — ти. Яуап былай була: «Беҙ Мөхәммәткә ﷺ йыһат вәғәҙә иткәнбеҙ һәм уны һис ҡасан боҙмабыҙ». Мосолмандар урҙың, бер ерендә ҙур ҡаты ташҡа тап була. Үны ни эшләтергә белмәй аптыранып, Аллаһ Рәсүленә зарлана башлайҙар. Мөхәммәт ﷺ кәйлә алып: «Бисмилләһ», — ти ҙә ныҡ итеп һуғып ебәрә. Таштың өстән бер өлөшө кителеп төшә. Ошонан һуң былай тип һөйләп алып китә: «Аллаһ бөйөк! Миңә Шам ерҙәренең асҡыстары бирелде. Аллаһ менән ант итәм! Мин уның һарайҙарын күрәм!» Аҙаҡ икенсе тапҡыр һуғып ебәреп, тағы бер өлөшөн онтайҙа: «Аллаһ бөйөк! Мин Фарсы ерҙәренең асҡыстарын алдым. Аллаһ менән ант итәм! Мин аҡ һарайҙы күрәм!» — ти. Һуңынан «Бисмилләһ» әйтеп, өсөнсө тапҡыр һуғын ебәреп, ташты тулыһынса яра ла: «Аллаһ бөйөк! Мин Йәмән ерҙәренең асҡысын алдым. Аллаһ менән ант итәм! Торған урынымдан Сәнғә ишектәрен күрәм!» — ти. Пәйғәмбәрҙең ﷺ яу ваҡытындағы мөғжизәләре Аллаһ Рәсүле ﷺ тарафынан мөғжизәләр тыуҙырыла башлай. Шулай эшләп йөрөгәндә урҙың ҡайһы бер өлөшөндәге ҙур таштар мосолмандарҙың эшеп ауырлаштыра. Пәйғәмбәр ﷺ доға уҡый- уҡый һыулы һауытҡа төкөрә. Аҙаҡ Аллаһҡа ғына билдәле булған ниндәйҙер доға уҡып, шул һыуҙы таштың өҫтөнә ҡойһа, ул тулыһынса ҡойолоп төшөп, ҡомға әүерелә. Әҙ генә күләмдәге аҙыҡта ла бәрәкәт барлыҡҡа килә. Уның менән бик күп кеше туҡлана ала, хатта тулы бер ғәскәргә лә етә. “Аллаһ Үҙе хөкөм итһен!” Ҡурәйш һәм Ғәтәфән ҡәбиләләре барлыҡ кәрәкле әйберҙәре менән Мәҙинә алдына килеп туҡтай. Улар йәмғеһе ун мең кеше була. Аллаһ Рәсүле ﷺ өс мең мосолман менәм сыға. Улар араһында ур тора. Мосолмандар менән Бану Ҡурайҙа араһында килешеү була. Бану Нәдирҙең Хөйәй ибн Әхтәт исемле күренекле бер кешеһе теге яҡты килешеүҙе боҙорға ҡоторта башлай. Бану Ҡурайҙа кешеләре оҙаҡ ваҡыт икеләнеп, баш тартып йөрөғәндән һуң ризалыҡ биреп ҡуя. Аллаһ Рәсүленә был хаҡта билгеле булғас, ул бындай хыянатты бик ауыр ҡабул итә. Хәүеф-хәтәр күбәйә. Ҡайһы бер монафиктарҙың ысын йөҙө асыла. Аллаһ Рәсүле Ғәтәфән менән килешеү төҙөргә йыйына. Әгәр ҙә ғәскәрҙәре менән сығып китергә ризалашһалар. Мәҙинәлә алынған уңыштың өстән бер өлөшөн уларға бирергә уйлай. Аҙаҡ был уйынан кире ҡайта — быға Сәғед ибн Мөғәҙ менән Сәғед ибн Ғөбәйҙә (радыйаЛлаһу ғәнһүмә) исемле сәхәбәләренең ныҡышмалылығын, ғорурлығын, дошман алдында бирешеп ҡалмауын күреү булышлыҡ итә. Уларҙың береһе былай ти: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Беҙ ҙә, тегеләр ҙә Аллаһҡа тиңдәш ҡуйып, ширк юлында булдыҡ. Боттарға ғибәҙәт ҡылдыҡ. Аллаһҡа табынманыҡ, Уның хаҡында белмәнек. Улар Мәҙинәнең бер бөртөк финигын ғына ла йә һыйланғанда, йә аҡсаға һатып алып ҡына ашай ала ине. Аллаһ Үҙ мәрхәмәте менән беҙҙе мосолман итте, һинең аша беҙгә тура юл күрһәтте, беҙҙе көслө итте. Ошонан һуң беҙ уларға үҙ милкебеҙҙе биреп ҡуйырға тейешме ни?! Бындай эш кәрәкмәй беҙгә! Аллаһ менән ант итәм: беҙ уларға ҡылыстан башҡа бер ни бирмәбеҙ! Беҙҙе һәм уларҙы Аллаһ Үҙе хөкөм итһен әйҙә!» Аллаһ Рәсүле «Мәйелең», — тип кенә ҡуя. Ислам һәм йәһиллек һыбайлылары араһында Аллаһ Рәсүле менән мосолмандар һаман дошман ҡамауы эсендә ҡала бирә. Улар араһында алыш булмай әле: ҡурәйштәрҙең һыбайлылары аттарын ҡыуа-ҡыуа сабып килә лә ур янында туҡтап ҡала. Соҡорҙо күргәс: «Аллаһ менән ант итәм! Был -аҫтыртын бер эш, мәкер бит. Ғәрәптәрҙең ундай тоҙаҡты бер ҙә күргәне юҡ ине әле», — тиешәләр. Аҙаҡ ҡайһы бер һыбайлылар урҙың тар ере аша аттары менән икенсе яҡҡа сыға. Араларында Ғәмер ибн Ғәбдүөдди тигән билдәле сабышсы ла була, уның һәләтен мең һыбайлыныҡына тиңләйҙәр. Ғәмер ибн Ғәбдүөдди мосолмандар янына килеп туҡтай ҙа: Кем күҙгә-күҙ ҡарашып көрәшергә теләй?» тип һорай. Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) килеп сыға ла: «Йә, Ғәмер! Әгәр ҙә ҡурәйштәрҙән кемдер берәү ике үтенес менән мөрәжәғәт итһә, шуларҙың береһен үтәйәсәкмен, тип һүҙ биргәнһең түгелме?» — тип һорай. Ул: «Әйе», тип яуап бирә. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Беренсенән, мин һине Аллаһтың һәм Уның Рәсүленең юлына, йәғни Исламға саҡырам», ти. Тегеһе: «Миңә бының кәрәге юҡ», ү тип кенә ҡуя. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул сағында мин һине алышҡа саҡырам», — ти. Ғәмер: «Ни өсөн, энем?! Аллаһ менән ант итәм! Минең һине үлтергем килмәй», — тип ҡаршы сыға. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уға: «Аллаһ менән ант итәм! Ә минең һине үлтергем килә!» — ти. Асыуы ҡабарған Ғәмер эйәрҙән һикереп төшә лә атының аяҡтарына һуға, йоҙроғо менән моронона тондора. Аҙаҡ Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү) ташлана. Өйөрөлә-өйөрөлә ҡылыс менән алышырға тотоналар. Ахырҙа Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) уны үлтереп ҡуя. Әсә улын көрәшкә һәм шаһитлыҡҡа илһамландыра Мөьминдәр әсәһе Ғәйшә (радыйаЛлаһу ғәнһә) һөйләүенсә, бер көндө ул мөслимә ҡатындар менән бергә Бану Хәриҫ ҡәлғәһендә була. Ул саҡта уларға хижәб кейеү фарыз ителмәгән була әле. Быларҙың эргәһенән ҡыҫҡа ғына тимер күлдәктә Сәғед ибн Мөғәҙ (радыйаЛлаһу ғәнһү) үтә. Ҡулы хатта терһәктәренә тиклем асыҡ була. Ҡулында ғорур рәүештә һөңгө тотҡан егет Хәмәл ибн Сәгдәндең шиғырын уҡый: «Мин — Хәмәл. Бик аҙ ғына ваҡыт алыштың шаһиты булдым. Мәле еткән булһа, үлемдең бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ». Сәғедтең әсәһе: «Дөрөҫ, улым. Ә һин, Аллаһ менән ант итәм, һуңлап бараһың», — ти. Ошонан һуң Сәғед (радыйаЛлаһу ғәнһү) Бану Ҡурайҙа яуы ваҡытында уҡ менән яралана һәм йәрәхәттәрҙән үлеп ҡала. Күктәр һәм ер ғәскәре Мөшриктәр ғәскәре мосолмандарҙы ҡәлғә кеүек уратып, ҡамап ала. Уларҙы бер айға яҡын һәр яҡтан да ҡамауҙа тоталар. Һынау киҫкенләшкәндән-киҫкенләшә. Монафиктарҙың ысын йөҙө асыла башлай. Ҡайһы берәүҙәре Аллаһ Рәсүленән Мәҙинәгә ҡайтырға рөхсәт һорай. «Ә икенсе төркөмө: «Беҙҙең өйҙәребеҙ һаҡһыҙ», — тин, пәйғәмбәрҙән (ҡайтырға) рөхсәт һораны. Әммә уларҙың өйө һаҡһыҙ түгел ине, улар ҡасырға уйлай ине» (Ҡөръән, 33:13). Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм уның сәхәбәләре Аллаһ һүрәтләгәнсә хәүеф һәм ҡайғы-хәсрәт хәлендә булған саҡта уларҙың эргәһенә Нөғәйем ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) килә лә: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Мин Ислам ҡабул иттем, әммә халҡым был хаҡта белмәй әле. Ни теләйһең, шуны бойор миңә», — ти. Аллаһ Рәсүле «Һин беҙҙең арала үҙең генә. Үҙеңдең кешеләреңә бар. Әгәр ҙә булдыра алһаң, уларҙың беҙгә ҡаршы һуғышырға теләген һүндер, һуғыш — ул хәйләләшеү бит», — ти. Нөғәйем (радыйаЛлаһу ғәнһу) кире Бану Ҡурайҙа ҡәбиләһенә бара ла улар менән әңгәмәләшә. Уларҙың күңелендә бөтөнләй сит яҡтан булған Ҡурәйш һәм Ғәтәфән ҡәбиләләре менән булған дуҫлыҡ һәм килешеү хаҡында шик уята. Һәм үҙҙәренең илендә йәшәгән, күрше булып торған мөһәжирҙәр һәм ансарҙар менән дошманлашыуға икеләнеп ҡарарға мәжбүр итә. Ҡурәйштәрҙың һәм ғәтәфәндәрҙең билдәле кешеләрен аманат итеп алмайынса тороп, улар менән бергә көрәшкә сығырға ярамауына ишара ла яһай. Был алданып ҡалмауға ышанысты арттырасаҡ, тип белдерә. Йәһүдтәр уға: «Һин беҙгә бик яҡшы кәңәштәр бирҙең», ти. Нөғәйем (радыйаЛлаһу ғәнһү) аҙаҡ уларҙы ҡалдырып, ҡурәйш ҡәбиләһе халҡына китә. Улар менән ихлас һөйләшеп изге ниәт менәм йөрөүен күрһәтә. Йәһүдтәр үҙ ҡылыҡтары өсөн үкенә, шуға күрә һеҙҙең билдәле кешеләрегеҙҙе аманат булараҡ алып, аҙаҡ Пәйғәмбәргә ﷺ һәм уның сәхәбәләренә язалау өсөн биреп ебәрергә уйлай, тип тә хәбәр итә. Иң һунынан үҙ ҡәбиләһе булған Ғәтәфән халҡына бара ла ҡурәйштәргә һөйләгәндәрҙе уларға да бәйән итә. Күкрәктәрендә йәһүдтәргә ҡарата асыу ҡайнаған ике яҡ та бик уяу булырға ҡарар итә. Шулай итеп, союздаш ҡәбиләләр тарҡалыуға табан бара башлай. Бөтәһе лә бер-береһенә шикләнеп ҡарай, хәүефләнә. Әбү Суфйан һәм Ғәтәфән башлыҡтары мосолмандар менән хәл иткес көрәшкә сығыуҙы ашыҡтыра башлай. Ә бының менән бик риза булмаған йәһүдтәр уларҙан аманат талап итә. Шулай итеп, ҡурәйштәр өсөн дә, ғәтәфәндәр өсөн дә Нөғәйем ибн Мәсғүд (радыйаЛлаһу ғәнһү) һөйләгәндәр раҫлана. Йәһүдтәрҙең талабын үтәүҙән баш тарталар. Тегеләр өсөн дә ҡурәйштәр менән ғәтәфәндәрҙең ышанысһыҙлығы асыҡлана. Шулай итеп союздаштар бер-береһен ҡалдыра. Берҙәмлек юҡҡа сыға, уртаҡ фекергә килеп булмай. Аллаһ Үҙ Пәйғәмбәренә ﷺ мәрхәмәтен күрһәтә: союздаш ҡәбиләләрҙе ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә көслө һалҡын менән ыҙалата. Ел уларҙың ҡаҙандарын алып бәрә, палаткаларын туҙҙыра. Әбү Суфйан тороп баҫа ла: «Эй, ҡурәйш халҡы! Аллаһ менән ант итәм! Һеҙҙең торор урынығыҙ юҡ, дөйәләр һәм аттар ҡырыла. Бану Ҡурайҙа, биргән вәғәҙәһен боҙоп, һеҙгә ҡарата насар мөғәмәлә күрһәтте. Күреүегеҙсә, беҙ көслө елгә тап булдыҡ. Ҡаҙандарҙы ла, усаҡты ла, палаткаларыбыҙҙы да тоторлоҡ түгел. Китегеҙ һеҙ, мин дә китәм», — ти. Бәйле торған дөйәһе эргәһенә барып, уға атлана ла һуғып ебәрә. Ғәтәфәи халҡы ла, ҡурәйштәрҙең ни эшләүе хаҡында ишеткәс, кирегә боролоу яғын ҡарай. Аллаһ Рәсүле намаҙ уҡып торған саҡта күҙәтеүсе булараҡ ебәрелгән Хөҙәйфә ибн әл-Йәмән (радыййаллаһу ғәнһү) ҡайтып, яҡшы хәбәр килтерә. Ни күргәндәрен асыҡ бәйән итеп һала ул. Таң атҡас, Мөхәммәт ﷺ, урҙы ҡалдырып. Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта. Мосолмандар ҙа ҡоралдарын һала. Аллаһ Тәғәлә ул хаҡта былай ти: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһ биргән нигмәтте иҫкә алығыҙ. Һеҙгә кафыр ғәскәре килгәндә, Беҙ уға ҡаршы һеҙҙең күҙгә күренмәгән ел менән ғәскәр ебәрҙек, һеҙҙең ни эшләгәнде Аллаһ күреп тора!» (Ҡөръән, 33:9). Бөйөк Раббыбыҙ тағы ла былай ти: «Ғәйрәтле кафырҙарҙы Аллаһ кире ҡаҡты. Улар яҡшылыҡ тапманы. Мөьминдәрҙе Аллаһ һуғыштан ҡотҡарҙы. Аллаһ ҡеүәтле, олуғ!» {Ҡөрьән, 33:25). Һуғыш тамамлана. Унан һуң ҡурәйш халҡы мосолмандар менән алышҡа кире әйләнеп ҡайтмай. Аллаһ Рәсүле ﷺ «Ошоларҙан һуң ҡурәйш халҡы һеҙгә башҡаса һөжүм яһамаясаҡ, әммә һеҙ уларға ҡаршы яуға сығасаҡһығыҙ», — тип белдерә. Ур көнөндә мосолмандар араһынан яҡынса ете кеше һәләк ителә. Мөшриктәрҙан дүрт кеше үлтерелә. Мөхәммәт Мостафа Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы китабынан Twitter Digg Facebook Delicious StumbleUpon Эта запись написана автором Назир Сабитов, 26.10.2018 в 23:20, и размещена в категории Пәйғәмбәрҙәр тарихынан. Следите за ответами на эту запись с помощью RSS 2.0. Вы можете написать комментарий или разместить обратную ссылку на своем сайте. Ошо сайтта кәрәк мәғлүмәт эҙләр өсөн, аҫҡы юлға, мәҫәлән: башҡорт, – тип яҙһағыҙ шул биттәр асыла Ошо аҫтағы *поиск* юлға кәрәк һорау (мәҫәлән: доға (ошо һүҙҙе копировать итеп)) яҙһағыҙ – шул биттәр асыла
Тәүге ҡар Сыҡһам тышҡа, урам ап-аҡ, Ҡар яуған бит, ҡар яуған; Сана һөйрәп китеп барам Ҡаршыбыҙҙағы тауға. Иртә, тиһә лә атайым, Килә шыуып ҡарағы, Елдереп төшөп етермен, Йәгеҙ әле, ҡарағыҙ! Менеп еттем, төшөп киттем, Эй… Төшмәнем, йығылдым, Ҡар аҫтында йомшаҡ ергә Санам батып, хур булдым. Беренсе ҡар үҙе матур, Үҙе шундай алдаҡсы, Сана шыуған малайҙарҙы Оятҡа ҡалдырмаҡсы!.. Ышанмағыҙ тәүге ҡарға, Алдым инде мин һабаҡ, Ҡар күреүгә сана тотоп Сыҡмам инде мин ҡабат! Ҡайҙан белгән атайым тип, Уйланып ҡайттым юлда: Ә-ә-ә, моғайын, бала саҡта Шыуып ҡараған ул да… Гүзәл СИТДЫҠОВА. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Һәр уҡытыусы өсөн иң ҙур ҡыуаныс, уның һөнәри оҫталығының күрһәткесе, һис шикһеҙ, уҡыусыларының уңышы. Беҙҙең гимназистар йыл һайын олимпиадаларҙың төрлө этаптарында ҡатнашып, үҙҙәренең дә, белем биреү усағының да ҡаҙаныштарын тулыландырып тора. Һәр уҡытыусы өсөн иң ҙур ҡыуаныс, уның һөнәри оҫталығының күрһәткесе, һис шикһеҙ, уҡыусыларының уңышы. Беҙҙең гимназистар йыл һайын олимпиадаларҙың төрлө этаптарында ҡатнашып, үҙҙәренең дә, белем биреү усағының да ҡаҙаныштарын тулыландырып тора. Олимпиадаларҙың республика йәки Бөтә Рәсәй этабында бер сәғәт эсендә еңеүсегә әүерелеү мөмкин түгел. Ҡағиҙә булараҡ, бының өсөн алдан етди әҙерлек эше алып барырға кәрәк. Уҡыусыларҙан да, уларҙың остаздарынан да күп ныҡышмалылыҡ, түҙемлек талап ителә. Мәҫәлән, 10-сы класс уҡыусыһ Кәримә Хәбиәхмәтова – рус теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүсеһе, әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры, донъя художество әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың Бөтә рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүсеһе, бынан тыш ул мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙың да әүҙем ҡатнашыусыһы. Шулай уҡ биология, география, тарих, химия, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында призер булды. 2018 йылда Кәримә “Йыл уҡыусыһы – 2018” дөйөм мәктәп конкурсының “Һоҡланғыс мәктәп йылдары” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Алина Нурғәлиева – биология буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. Маҡсатына ынтылыусан ҡыҙ табип булырға хыяллана, бер үк ваҡытта ситтән тороп физика-математика мәктәбендә шөғөлләнә. Ул йыл һайын уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй дистанцион олимпиадаларында ҡатнаша, был уның төрлө яҡлап ҡыҙыҡһыныуҙары, эшһөйәрлеге тураһында асыҡ һөйләй. Алина тикшеренеү эше менән ҡыҙыҡһына, һәр нәмәгә ижади яҡтан ҡарай. Һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарҙа уҡығанда биология, экология буйынса Бәтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашып, призер була. Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамланы, гитарала уйнай, йырлай. Мария Бурдилева – донъя художество мәҙәниәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призер исемен яуланы. Төрлө яҡлап үҫешкән, һәләтле уҡыусы. Һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарҙа уҡығанда хоҡуҡ, донъя художество мәҙәниәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында призер була. Матур итеп һүрәттәр төшөрә, үҙен ижадта һынап ҡарай. Владимир Петров – хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. 10-сы класта йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе була, хоҡуҡ фәне буйынса призер булараҡ таныла. Китап уҡырға ярата, белемле егет, класта һәм мәктәптә үткәрелгән сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарҙа уҡығанда йәмғиәтте өйрәнеү фәне, математика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеп сыға, рус теле, биология, экология, химия фәндәре буйынса призер була. Шахмат менән мауыға, психология, иҡтисад буйынса махсус әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Леонид Комиссаренко - тарих буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры, бишенсе кластан уҡ тарих менән ҡыҙыҡһына. Уның фекерләү ҡеүәһе юғары, альтернатив моделдәр һәм системалар төҙөүгә ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Тарих буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабында бер нисә тапҡыр призер һәм еңеүсе була. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙа, ҡыҫҡа ғына документаль фильмдар төшөрә. Дамир Кәримов - география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. Күпте белә, аң даирәһе киң, был уға тиңдәштәре араһында иғтибар үҙәгендә булырға мөмкинлек бирә. Ул интеллектуаль конкурстарҙа һәр саҡ еңеүселәр рәтендә һанала. 2016/2017 уҡыу йылында тарих һәм география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы призеры булды. Тарих менән ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнеү егеткә уҡыусылар араһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса республика олимпиадаһының муниципаль этабында еңеү килтерҙе. Гимназистарҙың уңыштары – үҙ эшенә мөкиббән киткән педагогтарҙың ҡаҙанышы. Улар араһында Рима Зөфәр ҡыҙы Латипова, Светлана Николаевна Бодина, Ирина Андреевна Фирсова, Александар Александрович Казанцев, Клара Маликовна Хаматова һәм башҡалар бар. Бең уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, киләсәктә уларҙың барлыҡ уй-хыялдары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Бисмилләһир-рахманир-рәхим. Әссәләмәғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бына инде көтөп алған Рамаҙан айыбыҙ уҙып та китте. Донъяға таралған яман сир тәьҫире аҫтында барыбыҙ ҙа ураҙаларыбыҙҙы тотоп, тәрәүих намаҙҙарын һәм ифтарҙарҙы ғаиләләребеҙ менән башҡарҙыҡ. Айырым-айырым булһаҡ та, бар мосолмандар рухи яҡынлыҡта булдыҡ. Әлхәмделилләһ, байрамыбыҙ, Ураҙа ғәйете лә ғаиләбеҙҙә генә үтә. Уны онлайн рәүешендә байрам итәбеҙ. Аллаһ ебәргән һынауға риза булайыҡ. Артабан да, һаулыҡта, сәләмәтлектә, ғаиләләребеҙ тулы килеш, киләһе байрамдарҙы ла ҡаршыларға Аллаһ Тәғәлә насип итеүенә доғалар ҡылайыҡ. Азат хәҙрәт ХӘЛИЛОВ, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы имам-мөхтәсибе Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Ярты сәғәт эсендә туҡлыҡлы ла, тәмле лә ризыҡ әҙер буласаҡ. Рецебы - яҙмала. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар! Бер баш һуған, бер кишер, бер стакан дөгө ярмаһы, ике стакан һыу, бер сәй ҡалағы тоҙ, үҫемлек майы алабыҙ. Башта һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ һәм табаға май һалып ҡыҙҙырабыҙ. Шунан дөгө ярмаһын йыуып өҫтәйбеҙ ҙә, һәйбәтләп бутап, табаның ҡапҡасын ябып бешерәбеҙ. Ун минуттан тоҙ ҡушып, тағы ла 15 минут утта тотабыҙ. Табынға ит йәки балыҡ менән бирергә мөмкин. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: ok.ru Автор: Рисаля Юмагулова https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/D-g-n-nisek--erl-y-ege-525487/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе: ”Эйе, элекке журналдан һәнәк тотоп торған "ир" йораты ғына тороп ҡалған.Ә юмор м-н сатира юҡ!-тип әйтерлек,шул көндәлек яңылыҡ баҫыла”, – тип бик дөрөҫ тотоп алған. ДӨРӨҪ ҺҮҘГӘ ЯУАП БАР – 2 Әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе: ”Эйе, элекке журналдан һәнәк тотоп торған "ир" йораты ғына тороп ҡалған.Ә юмор м-н сатира юҡ!-тип әйтерлек,шул көндәлек яңылыҡ баҫыла”, – тип бик дөрөҫ тотоп алған. Заманаһы шулай, эҙләнергә, хатта яраҡлашырға, әгәр кәрәк булһа, ҡайһы ваҡыт ыңғайына һыпырыға ла тура килә. Тик ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереп китке килә. Мәҫәлән, журналдың “һәнәк тотоп торған бер ир йораты” хаҡында. Бәлки күптәрегеҙ белмәйҙер, был ағай, былағай түгел, ошо ағай 1967 йылдан бирле “Һәнәк”те тотоп йөрөй һәм әле лә шул вазифаһын теүәл башҡара. Ә һәнәктең журналға килеп инеүе үҙе бер ҙур тарих һәм беҙ уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. 1923 йылда Башҡортостанда Мәскәүҙә сыҡҡан “Крокодил” һымаҡ сатира һәм юмор журналы сығарыуға әҙерлек башлана. Тәүге һан әҙерләнә, материалдар туплана, ләкин эш ни өсөн тотҡарлана, беләһегеҙме? Башҡорт журналына исем таба алмайҙар. Төрлө тәҡдимдәр була, ләкин береһе лә хуплау тапмай. Шунда журнал хеҙмәткәрҙәренең береһе, Ғариф Ғүмәр, “Крокодил” журналының һәнәгенә иғтибар итә. Унда крокодил етешһеҙлектәрҙе һәнәк менән юҡ итә. – Бына бит һәнәк. Ни өсөн исем булырлыҡ түгел? – тип ҡыуаналар журнал хеҙмәткәрҙәре. Шулай итеп, 1923 йылдың сентябренән – ошо “Һәнәк”, ә 1967 йылдан һәнәк тотҡан ир үҙенең уҡыусыларына тоғро хеҙмәт итә. Байтаҡ йылдар үтте, ҡоролоштар үҙгәрҙе, берәүҙәр ябылды, икенсе матбуғат баҫмалары асылды. Үкенескә ҡаршы, 90-сы йылдар башында ябылғандар араһында “Һәнәк”кә һәнәк бүләк иткән “Крокодил” да бар. Заманында тиражы тиҫтәләрсә миллион дана тәшкил иткән журналдың юҡҡа сығыуына ышанғы ла килмәй. Иң төп ҡапма-ҡаршылыҡ шунда, ғүмер буйы капитализмға ҡаршы көрәшкән баҫма капитализмдың ҡорбаны була. Дөрөҫ, әле бөлгәндән һуң да журнал йәшәргә ынтылып, ике тапҡыр асылып ҡарай, ләкин уңышһыҙ тамамлана. Капитализмдың үткер, ҡомһоҙ тештәре “Крокодил”дың боғаҙын сәйнәй һәм юҡ итә. Әйткәндәй, 2022 йылда журналдың тәүге һаны сығыуға 100 йыл тулыр ине. Тыныс йоҡла, “Крокодил”, беҙ һине онотмаҫҡа тырышырбыҙ. Ә терелеп пәйҙә булһаң, ҡыуанып, үҙ ҡоробоҙға ҡабул итәсәкбеҙ. Ә һәнәгең өсөн рәхмәт! Алда әйтеүебеҙсә, 2023 йылда “Һәнәк”тең сыға башлауына 100 йыл тула. Ошо юбилейҙы бергәләп ҡаршыларға насип итһен! “Һәнәк” журналына почта аша яҙылырға, ә социаль селтәрҙәрҙә “Һәнәк”те ошо төркөмдә ҡарарға мөмкин. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
«Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ» социаль видеороликтар конкурсы башланды. Конкурс социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм Мәҙәниәт министрлығы. Маҡсаты – технологиялар һәм интернет заманында туған (башҡорт) телде өйрәнеү проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Бүләк фонды: 1-се урын — Apple iPhone 11 2-се урын — Ноутбук 3-сө урын — Планшет. Тамашасылар һөйөүе призы – смартфон өсөн стабилизатор. Тамашасылар һөйөүе призы социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Социаль ролик авторҙары видеоматериалдарҙа авторлыҡ титрҙарын күрһәтергә тейеш. Реклама материалдарын файҙаланыу тыйыла. 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк. Социаль ведороликтарҙың миҫалдары: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8. Ҡатнашыу өсөн: — [email protected] электрон почтаһына ғариза ебәрергә, — хаттың темаһына «Конкурсҡа эш» тип яҙырға һәм исем-шәрифте күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән: Конкурсҡа эш, Садиҡов А. Беҙҙең социаль селтәрҙәр: 1. Бәйләнештә: https://vk.com/bash_fond 2. Инстаграм: https://www.instagram.com/bash_fond https://www.bashinform.ru/news/1521950-startoval-konkurs-sotsialnykh-videorolikov-novyy-vzglyad-na-bashkirskiy-yazyk/ Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Элегерәк бесәнде ат тырмаһы менән йыйыу киң таралған ине. Хәҙер генә аттар ҙа, тырма-арбалар ҙа тракторҙар менән алмаштырылды. Ат тырмаһы тигәнем - тырмаһын күтәреп-төшөрөп була торған яйламалы бер күсәрле арба. Хас та бәйге арбаһы һымаҡ. Һуңғыһынан айырмалы, тырманың тәгәрмәстәре ҙур һәм шау тимерҙән яһала. Ундай тәгәрмәстәр асфальтта буш бидон тәгәрләткәндәй шатыр-шотор тауыш сығара. Хәҙер телгә алынасаҡ хәлгә 15-20 йыллап ваҡыт үткәндер. Ауылдан дүрт саҡрымда ятҡан бесәнлегебеҙҙән әлеге лә баяғы тырмалы атта ҡайтырға торам. Ҡап-ҡара болоттарын ҡабартып, йәшен ҡамсыларын уйнатып, ямғыр етеп килә. Шуға, ғәҙәттәгенән иртәрәк эште йомғаҡланыҡ. Туғандарым, улар еңел машина менән ҡайтасаҡ, йыйынып ҡалды, мин, бар дәүләтем өҫтөмдәге плащтан һәм аҫтымдағы фуфайканан ғына торғас, ҡайтырға әҙерләндем. Элегерәк бесәнде ат тырмаһы менән йыйыу киң таралған ине. Хәҙер генә аттар ҙа, тырма-арбалар ҙа тракторҙар менән алмаштырылды. Ат тырмаһы тигәнем - тырмаһын күтәреп-төшөрөп була торған яйламалы бер күсәрле арба. Хас та бәйге арбаһы һымаҡ. Һуңғыһынан айырмалы, тырманың тәгәрмәстәре ҙур һәм шау тимерҙән яһала. Ундай тәгәрмәстәр асфальтта буш бидон тәгәрләткәндәй шатыр-шотор тауыш сығара. Хәҙер телгә алынасаҡ хәлгә 15-20 йыллап ваҡыт үткәндер. Ауылдан дүрт саҡрымда ятҡан бесәнлегебеҙҙән әлеге лә баяғы тырмалы атта ҡайтырға торам. Ҡап-ҡара болоттарын ҡабартып, йәшен ҡамсыларын уйнатып, ямғыр етеп килә. Шуға, ғәҙәттәгенән иртәрәк эште йомғаҡланыҡ. Туғандарым, улар еңел машина менән ҡайтасаҡ, йыйынып ҡалды, мин, бар дәүләтем өҫтөмдәге плащтан һәм аҫтымдағы фуфайканан ғына торғас, ҡайтырға әҙерләндем. Аттың хужаһы, Әхәт апам (беҙҙеңяҡта атайҙан оло ир кешегә ололап әйтәләр): “Атта әллә үҙем генә ҡайтайыммы?” – тип һораны. Күренеп тора, мине йәлләп һүҙ ҡушыуы. Йәшендән шөрләүемде белдермәҫкә тырышып, мөмкин тиклем битараф тауыш менән: “Яҡ (кире ҡағыуҙы аңлатҡан һүҙ), үҙем дә ҡайып етәм", – тинем. Ҡуҙғалдым. Ямғыр ҡоя ла башланы. Бейә тигеҙ генә юртып бара. Ике-өс секунд һайын ялтлаған йәшенгә иғтибар ҙа итмәй малҡай. Ә мин, эргә-тирәм, күк йөҙө яҡтырған һайын: “Бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете”, -тим. Кемдер миңә, әгәр йәшен уты күренеү мәле менән тауыш ишетелеү мәле араһында ете секунд ваҡыт үтһә, ул йәшен уты ҡурҡыныс түгел. Ә шартлау аҙыраҡ ваҡыт эсендә ишетелһә, был заряд һине һуғып ҡуйыуы бар, тип аңлатҡайны. Шунан бирле, үҙемде тынысландырыу өсөн йәшен ваҡытында һанарға ғәҙәтләндем. Был эштән бушаған арала берсә йәшенде әрләп маташам, сөнки йәшендең йәне бар, тип ышанам, берсә өләсәй өйрәткән өс-дүрт доғаны ҡабатлайым. Ә бейә асфальт юл ситенән бер сама юртыуын белә. Ямғыр ҙа, йәшен дә көсәйҙе. Атты атлауға күсерҙем. Йә, йәшен атып ҡуйыр, баяғы. Йәшен уты хәрәкәткә эйәрә, ти ололар. Бер аҙҙан арттан машина ҡыуып етте. Атайым икән. Салондағыларҙың күҙҙәре миңә төбәлгән. “Нисек хәлдәр? – тип һорай атай, пассажир тәҙрәһен асып. – Үҙең ҡайтып етәңме?“. “Әйе (эйенең беҙҙеңсә варианты), һеҙ ҡайтығыҙ”, – тим, ҡурҡыуымды һиҙҙермәҫкә тырышып. Ә үҙемдең башта бер генә уй: "Имен-аман ҡайтып етәмме, юҡмы". Әхәт апам һөйләүе буйынса, мин ул көндө: "Йәшен атһа, ыҙалатмаһын, ә шунда уҡ үлтергәнсе генә атһын инде", - тип һөйләнгәнмен. Үҙем онотҡанмын. Туғандар тағы бер ҡыҙыҡлы һүрәтте иҫтәрендә ҡалдырған: арба өҫтөндә шәм һымаҡ, "смирно" ултырғанмын. Йәшендең емергес көсөнә ышаныуым шул тиклем булғандыр инде, ҡыбырларға ла ҡурҡҡас. Үҫмер саҡ, бар донъя бер минең тирәләй генә өйөрөлә, ырыҫ-далан, бәхет йә хәүеф-хәтәр килһә, бер миңә ҡағыла, тип ышанғанмын. Был хәлде яңыраҡ Иҙел ҡустым хәтергә төшөрҙө. Көлөшөп, иҫләп алдыҡ. Әйткәндәй, фотонан күреүегеҙсә, хәҙер Әхәт апа (фотола тырма өҫтөндә үҙе ултыра) тын тултырылған шәп тәгәрмәсле тырмаһына француз тимер атын ғына егә. Рулдә Әхәт апаның улдары Илһам йә Заһит ҡустылар булырға тейеш. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
24 ноябрҙә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә йәйәүлеләр үткәүелен асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, уның урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов, Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡатнашты. Объект Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү сиктәрендә «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан төҙөлгән. Уның оҙонлоғо 110 метр, киңлеге - 5 метр, бейеклеге - 2,33 метр. Үткәүел видеокүҙәтеү камералары, хәрәкәт датчиктары, яҡтыртҡыстар менән йыһазландырылған. Аҙ хәрәкәт иткән граждандар өсөн айырым подъезд бар. Бында төп тоннелдән тыш, техник һәм ярҙамсы биналар: һыу үлсәмле узел, йыйыштырыу инвентары бүлмәһе, насос һәм электр щиттары урынлашҡан. Үткәүелдән сыҡҡанда яр буйы яғынан быяла ҡоймалар йыһазландырылған. Андрей Назаров һүҙҙәренсә, был урында транспорт күп йөрөй, шуға күрә ер аҫты үткәүеле бик кәрәкле ине. - Ер аҫты үткәүеле ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юл аша сығыу хәүефһеҙ буласаҡ, икенсенән, үткәүел юлға йөкләмәне кәметә. Йәйәүлеләр өсөн дә, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә берҙәй уңайлы, – тине Премьер-министр. Өфө Хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппе хәбәр итеүенсә, төҙөлөш асыҡ ысул менән башҡарылды – тәүҙә Сочи урамының бер яртыһы ябылды, ә был участкала эштәр тамамланғандан һуң - икенсе яртыһы. Инженерлыҡ коммуникацияларын сығарыу, 324 свай ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылды. Бынан тыш, монолит эштәре башҡарылды, баҫҡыстар, ямғыр канализацияһы ҡоролды. Йәйәүлеләр үткәүелен төҙөү 2019 йылда башланырға һәм 2020 йылда тамамланырға тейеш ине. Әммә һуңлап файҙаланыуға тапшырылды. Андрей Назаров аңлатыуынса, уның сәбәптәре шунда – Дуҫлыҡ монументы эргәһендә «Өфө-II ҡаласығы» ҡомартҡыһы урынлашҡан. Һәм унда археологик тикшеренеүҙәр үткәреү сәбәпле тоннелде ярты йылға һуңлап төҙөй башланылар. Шулай уҡ бөгөн «Дуҫлыҡ монументы» йәмәғәт транспорты туҡталышы янында светофорҙар һүндерелде, улар яҡын арала һүтеләсәк. Йәйәүлеләр өсөн ер аҫты үткәүеле менән файҙаланыу кәрәклеге тураһында махсус табличкалар ҡуйылған. Поделиться новостью Ҡала яңылыҡтары 02.12.2022 Шәмбе көнендә Дим районында ит йәрминкәләре үтә 02.12.2022 Өфө ҡала Советы депутаты Измайлов Адель Альберт улы граждандарҙы ҡабул итәсәк 01.12.2022 Туҡталыштар-контролгә 30.11.2022 26 ноябрендә "И.И.Рыбалко исемендәге 113-сө мәктәп" муниципаль автономиялы белем биреү учреждениеһында Әсәләр көнөнә бағышланған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ғаилә ял көнө үтте 25.11.2022 Ғинуарҙа оҙайлы Яңы йыл каникулдары көтә Ратмир Мәүлиев балалар лагерының эше менән танышты Өфөлә балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу кампанияһы дауам итә. Өфөлөләр менән аралашыу - һөҙөмтәле эшмәкәрлек нигеҙе 16.06.2022 Бәйләнеш телефондар Электрон почта: cityadm@ufacity.info Күсереп баҫҡанда йәки тулыһынса йә булмаһа өлөшләтә өҙөмтәләр ҡулланғанда Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең рәсми сайтына һылтаныу мотлаҡ. Интернет-баҫмалар өсөн тура әүҙем гиперһылтанма мотлаҡ.
Яңы йылдың беренсе айы үтеп тә китте, ә уның хужабикәһе Аҡ тимер ҡомаҡ күптән түгел генә – 25 ғинуар төнөндә үҙ хоҡуҡтарына инде. Ҡомаҡ 2021 йылдың 11 февраленә тиклем идара итәсәк. Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса ул беҙгә нимәләр вәғәҙә итә? Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020). Был билдә вәкилдәренә уңыш йылмаясак: йыл хужабикәһе “үҙенекеләрҙе” үпкәләтмәйәсәк, ауыр тормош хәлдәрендә ярҙам итәсәк. Ниндәй генә эшкә тотонһағыҙ ҙа, уйлап эш итегеҙ. Үгеҙ (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009). Һеҙ бөтә көсөгөҙҙө карьера үҫешендә яңы үрҙәр яулауға йүнәлтәсәкһегеҙ. Әммә ауырлыҡтар ҙа осраясаҡ, ләкин һеҙҙең ныҡышмалы булыуығыҙ уларҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк. Ҡомаҡ тырыштарҙы ярата һәм йәй уртаһында уҡ һеҙ үҙ маҡсатығыҙға ирешәсәкһегеҙ. Юлбарыҫ (1926, 1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010). Үҙ көсөгөҙҙө тейешле өлкәгә йүнәлтегеҙ һәм шул ваҡытта уңыш һеҙҙең менән бергә барасаҡ. Романтик мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һәм битарафлыҡ булыуы мөмкин, әммә ҡыҙып китеүгә юл ҡуймағыҙ – икегеҙгә лә ваҡыт бирегеҙ һәм хәл яйға һалынасаҡ. Ҡуян (1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011). Һөнәри өлкә һеҙҙән ҙур ҡыйыулыҡ һәм ижади фантазия талап итәсәк. Үҙ тәжрибәгеҙҙе һәм белемегеҙҙе файҙаланығыҙ – һеҙҙе финанс сюрпризы көтәсәк. Шәхси тормошоғоҙҙа бөтәһе лә тотороҡло һәм тыныс буласаҡ. Аждаһа (1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012). Һеҙҙең түҙемлегегеҙ һәм булдыҡлылығығыҙ бөтә ауырылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк. Файҙаһыҙ аҡса түгеүҙән һаҡланығыҙ - Ҡомаҡ аҡсаны әрәм-шәрәм иткәнде яртамай. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә икенсе яртығыҙ фекеренә йышыраҡ ҡолаҡ һалығыҙ һәм компромисс эҙләгеҙ. Йылан (1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013). Быйыл һеҙгә яңы мөнәсәбәттәр башлау һәм никахҡа инеү мөмкинлеге бар. Һөнәрегеҙҙе алмаштырыуығыҙ, яңы вазифаға тәғәйенләнеүегеҙ йәки күсеп китеүегеҙ ихтимал. Ат (1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014). Эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа тотороҡлолоҡ, үҙ-үҙегеҙ менән ҡәнәғәт булыу - быларҙың бөтәһе лә яңы үрҙәр яулау өсөн һеҙгә көс өҫтәйәсәк. Кәзә (1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015). Йыл һеҙгә элек бер нисек тә тормошҡа ашыра алмаған пландарығыҙҙы бойомға ашырыу мөмкинлеге бирәсәк. Ләкин иғтибарлы булығыҙ һәм кәрәкмәгәнгә аҡса туҙҙырмағыҙ. Маймыл (1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016). Йыл эшләү һәм күптәнге проблемаларығыҙҙы хәл итеү йәһәтенән емешле буласаҡ. Бөтә пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыу хәлегеҙҙе алмаһын өсөн һаулығығыҙҙы нығытырға онотмағыҙ. Әтәс (1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017). Йыл тыныс һәм низағһыҙ буласаҡ. Йондоҙҙар ғаиләгеҙгә, көнкүрешегеҙгә, үҙ йортоғоҙҙо булдырыуға мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлегеҙ, тип кәңәш итә. Эт (1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018). Һеҙ элекке дуҫтарығыҙ менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға, файҙалы танышыуҙарға һәм ғәҙәти булмаған мажараларға иҫәп тота алаһығыҙ. Ғаиләле Эттәр үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыр. Финанс йәһәтенән йыл һеҙгә алтын тауҙар вәғәҙә итмәй, әммә ул ярайһы ғына тотороҡло булыр. Сусҡа (1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019). Һеҙ үҙ маҡсаттарығыҙға ирешерһегеҙ, ләкин бының өсөн күп эшләргә кәрәк. Тик һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, ҙур көсөргәнешлелеккә һәм стрестарға юл ҡуймағыҙ. фото/Pixabay Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Землянкала ултырам.Ауыр тынлыҡСолғап алған кеүек күңелде.Уйлай һәр кем – иртән ниҙәрбулыр, –Һәм белергә теләй күрерҙе...Ҡайнар хистәр таша барйөрәктә,Иртән ҙур һөжүмгә күсәбеҙ.Киев ҡалаһынан, байраҡболғап,Еңеү маршын йырлап үтәбеҙ.Был шиғыр беҙгә дәһшәтле 1944 йылдан килеп еткән, шул ваҡыттың ярһыуын еткерә. Ут-яу эсендә яҙылған шиғырҙың авторы – мыйыҡһыҙ малай ғына сағында фронтҡа киткән Әхиәр Хәкимов.#Фронтовикәҙиптәр #Ағиҙелжурналы Землянкала ултырам. Ауыр тынлыҡ Солғап алған кеүек күңелде. Уйлай һәр кем – иртән ниҙәр булыр, – Һәм белергә теләй күрерҙе... Ҡайнар хистәр таша бар йөрәктә, Иртән ҙур һөжүмгә күсәбеҙ. Киев ҡалаһынан, байраҡ болғап, Еңеү маршын йырлап үтәбеҙ. Был шиғыр беҙгә дәһшәтле 1944 йылдан килеп еткән, шул ваҡыттың ярһыуын еткерә. Ут-яу эсендә яҙылған шиғырҙың авторы – мыйыҡһыҙ малай ғына сағында фронтҡа киткән Әхиәр Хәкимов. “Дошманды штык үсе һәм ҡәләм көсө менән дә” ҡырған журналистар, әҙиптәр ысынлап та яу ҡоралын да ҡулынан төшөрмәй, Ватанына һөйөү наҙы, ә дошманға әсе нәфрәт үткерләгән ҡәләмдәренән дә айырылмай. Әлбиттә, аяуһыҙ һуғыш шарттарында күләмле әҫәрҙәр ижад итеү мөмкин түгел. Әммә ҡыҫҡа ғына тынлыҡ урынлашҡан мәлдә лә һалдат шинелендәге ҡуйын дәфтәренә шағирҙың күңел даръяһындағы хис-тойғонан яралған йөрәк һүҙҙәре төшә. Фронт гәзиттәрендә сыҡҡан, Башҡортостан баҫмаларында донъя күргән шиғырҙар яугирҙарға рух өҫтәй, йәнтөйәктә уларҙы зарығып көткән яҡындарының өмөтөн нығыта, хатта Еңеү көнөн дә яҡынайталыр...
Республика Башлығы Радий Хәбировтың улы тыуыуы хаҡында ҡотлауҙар матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә көнө буйы дауам итһә лә, етәксе кискә ҡарай ғына үҙенең шатлығы менән уртаҡлашты. Был иҫтәлекле көн, Радий Фәрит улының әсәһенең тыуған көнө менән дә тура килгән. Республика Башлығы Радий Хәбировтың улы тыуыуы хаҡында ҡотлауҙар матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә көнө буйы дауам итһә лә, етәксе кискә ҡарай ғына үҙенең шатлығы менән уртаҡлашты. Был иҫтәлекле көн Радий Фәрит улының әсәһенең тыуған көнө менән дә тура килгән. Бөгөн Радий Хәбировтың әсәһенә 88 йәш тулған булыр ине. - Минең әсәйемдең тыуған көнө, уға 88 йәш тулыр ине. Тап бөгөн Каринам ул тапты. Улымдың ҙур етәксе булыуын теләмәйем, бәхетле кеше булһын. Исемде Тимер тип ҡушасаҡбыҙ. Йәғни тимер кеүек ныҡ, көслө булһын. Ҡотлауҙарығыҙға ҙур рәхмәт. Сабый өс кило һәм 56 см булып донъяға килгән. Фото етәксенең "Бәйләнештә" селтәренән алынды. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Беҙҙә ҡунаҡта - тап Сочи олимпиадаһы менән ентекле шөғөлләнеүсе Башҡортостандың Юғары спорт мәктәбе белгесе, еңел атлектика буйынса донъя чемпионы Усман Йәмғуров һәм Киров районы хакимиәтенең спорт бүлеге етәксеһе Артур Әлибәков. Сочи-2014 Асыҡ студия 2014-02-18T14:34:55+00:00 ссылка для скачивания Усман Йәмғуров. Фигуралы шыуыу Рәсәй флагманы ине, шунан юғалып ҡалды, әле кире ҡайтты, тип әйтһәк тә булалыр. Беҙ ҡайһы бер спорт төрөндә традицияны һаҡлай алмайбыҙ, ун йыл һәйбәт барһа, ун йылға юғалырға мөмкин. Ә Ҡытайҙа спорт интернаттарында 5 йәштән йәшәп, көнөнә унар сәғәт шөғөлләнәләр. Унда миллионлаған бала араһынан йыйылма командаға иң яҡшыларын һайлап алыу еңелерәк. Шуға Ҡытай менән сағыштырып булмай. Бөгөн көндә Рәсәйҙә спортҡа коммерция ныҡ үтеп инде. Ҡайһы бер спорт тренерҙары - менеджерҙар күберәк аҡса тураһында уйлай, спортсмен әҙерләү тураһында уй әҙерәк. Һуңғы йылдарҙа яҡшы спортсмендарҙы үҙебеҙҙә һаҡлап ҡала алмайбыҙ, сит илдәр өсөн сығыш яһап, уңыш ҡаҙаналар. Башҡортостанда 20 йыл инде шорт-трекка урын - боҙ таба алмайбыҙ. Өфөлә биш һарай, шорт трекка һаман урын юҡ… Артур Әлибәков. Бөгөнгө көндә 32 ҡала муниципаль спорт мәктәбенең туғыҙында ғына база бар. Спорт төрҙәрендә шөғөлләнергә урын булмаған өсөн спортсыларҙы юғалтабыҙ. Күп нәмә аҡсанан торһа ла, бөтә нәмә лә аҡсанан тормай. Система булып, спорт интернаттары булдырылып, буласаҡ спортсыларҙы бәләкәйҙән һайлап ала алһаҡ, әлбиттә, донъя кимәлендә яҡшы күренер инек. Беҙҙә бөтәһе лә насар, тип әйтеп булмай, уңыш тигән нәмә лә бар. Иң алдан барғандар ҡолап, иң арттағы еңергә лә мөмкин.
Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы ҡоролоҡтан айырыуса зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына ярҙам күрһәтеләсәге тураһында белдерҙе. ҠОРОЛОҠТАН ЗЫЯН КҮРГӘН РАЙОНДАРҒА ЯРҘАМ БУЛЫР – РАДИЙ ХӘБИРОВ «Беҙ, халыҡ һәм фермерҙар малын һуйырға тотонор, тип хәүефләнәбеҙ, һәм беҙҙә мал һаны кәмей башлар. Беҙ хатта уны һатып алып, эре хужалыҡтарға тапшырырға әҙер. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һатып алған мал аҙығының 50 процентын бюджеттан субсидиялаясаҡбыҙ. Шулай уҡ орлоҡ һатып алыу хаҡының да яртыһын субсидиялаясаҡбыҙ. Миңә Хәйбулла районы башлығы һөйләгәйне, быйыл уңыш хатта орлоҡ алырға ла етмәйәсәк, тигәйне. Ошо дүрт райондың аграрийҙарына ярҙамға беҙ бюджеттан 75 млн һум бүләбеҙ», — тине Радий Хәбиров. Бөгөн фермерҙар яңы ауыл хужалығы техникаһын әүҙемерәк һатып алырға тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы. «Беҙҙә был тема һәйбәт эшләп китте. Хөкүмәттең ауыл кешеләре алдында ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу буйынса былтырғы 400 млн һум бурысы бар, беҙ мотлаҡ иҫәпләшәсәкбеҙ. Туҡтарға ярамай», — тине етәксе. Башҡортостанда 2021 йылдың һигеҙ айында 2293 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынған. Аграрийҙар технопаркты яңыртыуға 8 млрд һумдан ашыу аҡса тотонған, был, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 900 млн һумға күберәк. 2020 йылда Башҡортостанда беренсе тапҡыр ауыл хужалығы техникаһы паркы 10 млрд һумдан ашыу суммаға яңыртылған. Автор:Ә. НОСРАТОВА. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Тыуып килгән 2022 йыл – Һыу Юлбарыҫы йылы. Яңы йылды ҡаршы алғанда нимә кейергә, өйҙө, өҫтәлде нисегерәк биҙәргә икән, тип ҡаңғырып йөрөйһөгөҙҙөр әле. Юлбарыҫҡа тиңдәр юҡ Уны шартын килтереп ҡаршы алһаң, бәхет урап үтмәҫ. Йорт эсен зәңгәр, аҡ, һары, ҡыҙғылт-һары төҫлө уйынсыҡтар менән биҙәһәгеҙ бик шәп буласаҡ. Ә кейемгә килгәндә, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгәндәре Юлбарыҫ күңеленә хуш килер. Төҫтәре: зәңгәр, зәңгәрһыу, ҡара, һоро, һорғолт, аҡ, ҡыҙғылт-һары булһа яҡшы, ә инде бар шарттарҙы ла үтәйем, тиһәгеҙ, өр-яңы берәй кейем һатып алығыҙ, нәски булһа ла ярай. Ялтыр биҙәүестәрегеҙҙе ҡурҡмайса тағығыҙ, Юлбарыҫ уларҙы бик ярата. Әлбиттә, тәмле ризыҡтар хаҡында ла онотмайыҡ әле! Һыйыр итенән әҙерләнгән һый был йәнлектең күңелен яулар. Күркә, тауыҡ ите ҡушып яһалған салаттарҙы ла ярата, табынға ҡуйылған һары, ҡыҙғылт-һары емештәрҙән бөтөнләй ҡәнәғәт ҡалыр. Юлбарыҫ – зауыҡлы йәнлек. Юғары градуслы, ҡаты иҫерткес эсемлектәрҙе һис яратмай. Шуны ла онотмайыҡ әле, Яңы йылды ҡаршылағанда өҫтәлдә балыҡ булмаҫҡа тейеш икән. Ул уны яратмай, ти. Юлбарыҫ – көслө, һиҙҙермәй генә яҡыная торған йәнлек. Шулай булғас, дуҫтар, 2022 йылда һиҙелмәй генә килгән үҙгәрештәргә әҙер булайыҡ! Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән! Фото: st1.rosphoto.com Автор:Дилара Арсаева Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Был аҙнала эштә уңыш юлдаш булыр. Тик мәсьәләләрҙе йәшереп ҡалдырырға маташ­мағыҙ, асыҡтан-асыҡ һөйлә­шегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер, моғайын, сабыр булығыҙ. БУҒА Тәнҡит һүҙҙәрен әйтер алдынан эҙемтәләре тураһында уйлағыҙ. Уйлап эш итһәгеҙ, сетерекле проблеманы ла үҙегеҙҙең файҙаға хәл итә алырһығыҙ. Яҡындарығыҙ, ғаиләгеҙ өсөн ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. ИГЕҘӘКТӘР Тулҡынландырғыс мәл­дәр, яҡшы яңылыҡтар көтө­лә. Эргәгеҙҙә ышаныслы кеше бар, ул һеҙгә һәр йәһәттән терәк булыр. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ. Ғөмүмән, был аҙнала борсолорға урын юҡ. ҠЫҪАЛА Уйлап башҡарылған ғә­мәлдәр һөнәри үҫешкә бу­лыш­лыҡ итер, ижади һә­ләтегеҙ асылыр. Эш күбәйеп китер, уның ҡарауы, яҡшы белгес булараҡ абруйығыҙ артыр. Шишәмбе мөһим мәсьәләләрҙе кисектереп тороғоҙ. АРЫҪЛАН Эшмәкәрлектә ҙур үҙгә­рештәр көтөлә кеүек. Көс-ҡеүә­тегеҙ ташып торһа ла, алдан төҙөл­гән пландан тай­пылмаҫҡа кәңәш ителә. Аҙна аҙағына әүҙемлекте кәметеп, бер аҙ ял итеп алығыҙ, сөнки табыш артынан ҡыуып, һаулығығыҙға зыян килеүе бар. ҠЫҘ Белем алыу, һөнәри яҡтан камиллашыу тураһында уйланығыҙ. Тормош алды­ғыҙға һынауҙар ҡуйыуы ихтимал. Аҡсағыҙҙы һаҡлабыраҡ тото­ноғоҙ, ҡиммәтле әйберҙәр һатып алмай тороғоҙ. Шәмбе ҡыҙыҡлы осрашыу көтә. ҮЛСӘҮ Был аҙнала тормошоғоҙ ыңғай яҡҡа үҙгәреп, алды­ғыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр. Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн көс-дәртегеҙ ташып торор. Тик сит-яттарға пландарығыҙ тураһында һөйләмәгеҙ. Уларҙың һеҙҙе үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуы йәки алдауы ихтимал. САЯН Шәхси тормошоғоҙҙа ың­ғай үҙгәрештәр башланыр. Эштә лә уңышлы осор көтөлә. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә фе­керегеҙҙе ҡыйыу яҡлағыҙ, ныҡыш­малылыҡ күрһә­тегеҙ. Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп яҡшырыр. УҠСЫ Киләсәккә план ҡороу һәм уңышҡа өлгәшеү өсөн күктән ергә төшөргә ваҡыт. Эштә үҙегеҙгә иғтибарҙы йәлеп итмәҫкә тырышығыҙ. Был аҙнаға һеҙҙең девиз: “баҫалҡылыҡ һәм итәғәтлелек”. Өҫтәмә килем сығанағы табырһығыҙ. ЫЛАҠ Аҙна ярайһы уҡ көсөр­гәнешле булмаҡсы, шуға күрә эш әүҙемлеген бер аҙ кәметеп торорға ла мөмкин. Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәлә ыңғай хәл ителер, отошло тәҡдим ишетерһегеҙ. ҺЫУҒОЯР Ваҡиғалар һеҙҙең файҙаға булһын тиһәгеҙ, инициатива күрһәтегеҙ, йыйнаҡ булығыҙ. Шишәмбе һәр йәһәттән закон буйынса эш итегеҙ. Ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаһағыҙ, мотлаҡ уңышҡа өлгәшерһегеҙ. БАЛЫҠ Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр яҡшы­рыр, абруйығыҙ артыр. Шаршамбы ниндәйҙер тәҡдим яһарҙар, һөҙөмтәлә мул ғына табыш алырһығыҙ. https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/yondo-nam-25-31-may/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением. ОК «Бабсаҡ менән Күсәк» («Күсәк бей») башҡорт халыҡ эпосы сюжеты нигеҙендә бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары араһындағы ыҙғыш һүрәтләнә. Әҫәрҙең легенда, риүәйәт, шәжәрә формаһындағы варианттары билдәле. Эпос ҡасан һәм кем тарафынан яҙып алынған? Эпос ике версияла таралған: ҡыпсаҡ варианты (“Күсәк бей”) һәм бөрйән варианты (“Бабсаҡ бей һәм Ҡарағөлөмбәт бей”). Әҫәр ваҡиғалар һәм төп герой образдарының ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеше менән айырылып тора. “Хикәйән Күсәк бей” исеме менән әҫәрҙең ҡыпсаҡ версияһын тәүге тапҡыр 1916 йылда Сабирйән Мөхәмәтзакир улы Мөхәмәтҡолов (1890–1934) Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрге Этҡол ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) ҡағыҙға күсергән. 1928 йылда (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 1924 йылда) ошо уҡ сәсәндән эпостың икенсе вариантын Йылайыр кантоны Үҙән ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы Әбделмәмбәт ауылы) Әхмәт Исламғолов яҙып алған. 1928 йылда Йылайыр кантоны Иҙелбай ауылында бер мәзиндең дини китабынан тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим Сәғит Ғөбәйҙулла улы Мерәҫов (1880–1932) яҙып алған Сәғит Мерәҫов (1880–1932) 1938 йылда башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм (1911–1939) әҫәрҙең ҡайһы бер варианттарын Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында сәсән Зәйнетдин Мәхмүтовтан һәм Байғаҙы ауылында Әбүзәр Ғазиндан яҙып ала. Ғәлимов Сәләм (1911–1939) 1939 йылда башҡорт яҙыусыһы Али Карнай (1904–1943) Бөрйән районының Яңы Собханғол һәм Иҫке Собханғол ауылдарында сәсәндәр Рәхмәт Мәмбәтов, Рәхмәт Исламғолов, Мәхмүт һәм уның улы Зәйнетдин Ҡолдәүләтовтарҙан эпостың дүрт вариантын яҙып ала. Али Карнай (1904–1943) 1939 йылда тағы ла бер башҡорт яҙыусыһы Ғәйнан Әмири (1911–1982) сәсәндәр В. Юнысовтан (Баймаҡ районы Түбә руднигы), Н. Вәлитовтан (Бөрйән районы Яуымбай ауылы) һәм Бөрйән районында йәшәгән шәхесе билдәһеҙ бер сәсәндән эпостың өс вариантын яҙып ала. Ошо уҡ йылда фольклор экспедицияһында эпостың тағы ла бер варианты яҙып алына. Ғәйнан Әмири (1911–1982) 1939 йылда музыка белгесе Л.Н. Лебединский (1904–1992) Бөрйән районында Таһир исемле уҡытыусы-сәсәндән эпостың бер вариантын яҙып ала. Лев Лебединский (1904–1992) Бөйөк Ватан һуғышына тиклем сәсән Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов (1888–1966) эпостың бер вариантын яҙып алған. Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) 1956 йылда урындағы фольклор йыйыусы М. Сөләймәнов Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында сәсән Ғилметдин Муллағәлләмовтан яҙып ала. 1950–1960 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан ойошторолған ғилми экспедицияларҙа тел белгесе Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанова (1924–2000), фольклорсы Ниғмәт Динәхмәт улы Шоңҡаров (1931–1994), Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов (1933–1986) эпостың варианттарын яҙып алған. Хәҙерге осорҙа фольклорсылар Г.Р. Хөсәйенова, Г.В. Юлдыбаева, А.М. Хәкимйәнова риүәйәт, легенда, әкиәт формаһындағы сюжеттарын яҙып алған. Шулай итеп, бөгөнгө көндә эпостың 30-ға яҡын варианты билдәле һәм уның яҙып алынған нөсхәләре Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Ғилми архивында һаҡлана. Эпостың баҫылып сыҡҡан варианттары 1929 йылда «Башҡорт аймағы» журналының 7-се һанында тел белгесе Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин (1892–1937) эпостың башҡортса ике вариантын баҫтырып сығара: С. Мерәҫов яҙып алған вариантты ҡыҫҡартып һәм А. Исламғолов яҙып алған вариантты тулыһынса журнал уҡыусыларына тәҡдим итә. «Башҡорт аймағы» журналының беренсе бите. 1929 й., 7-се һан. Эпостың А. Исламғолов тарафынан яҙып алынған варианты иң күләмлеһе һанала һәм 1973 йылда, 1999 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтыҡтарында йәнә баҫылып сыға. Шул уҡ вариант Ғ. Шафиҡов тарафынан рус теленә тәржемә ителә һәм «Алдар и Зухра. Башкирский народный эпос» (Уфа, 1986), «Башкирское народное творчество. Том 1» (Уфа, 1987) китаптарында донъя күрә. 1954 йылда башҡорт телендә донъя күргән «Башҡорт халҡ ижады» йыйынтығында С. Мөхәмәтҡолов тарафынан яҙып алынған вариант бер аҙ ҡыҫҡартылып бирелә. 1960 йылда «Башҡорт шәжәрәләре» китабында ҡыпсаҡ ҡәбиләһе ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе баҫылып сыға. Уға эпостың йөкмәткеһе лә кергән. Был шәжәрә 2015 йылда Р. Кузеев фәнни хеҙмәттәре йыйынтығында яңынан донъя күрҙе. 1962 йылда музыка белгесе Л.Н. Лебединскийҙың «Башкирские народные песни и наигрыши» китабында 1939 йылда Бөрйән районында Таһир сәсәндән яҙып алған вариант рус телендә донъя күрә. 1999 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығының 4-се томында С.Ф. Миржанова, М. Буранғолов, А. Исламғолов, А. Карнай яҙып алған эпостың 4 варианты донъя күрә. Эпостың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе А. Мөхтәруллин рәсеме. Башҡорт халыҡ ижады. IV том. – Өфө: Китап,1999. – 400 б. Эпоста бөрйән һәм ҡыпсаҡ ырыуҙарының ике быуын ғүмере дауамында үҙ-ара ыҙғышыуы сағылдырыла. Әҫәр Мәсем хан етәкселегендәге башҡорт ырыуҙарының тормошон, уларҙың ханлыҡҡа һөжүм иткән ҙур, «бығаса күренмәгән» йыртҡысҡа ҡаршы көрәштә берләшеүен һүрәтләй. Ҡыпсаҡ версияһына ярашлы, Бабсаҡ ул йыртҡысты үлтерә, ә Ҡарағөлөмбәт батырлыҡты үҙе ҡылғанлығын иҫбат итергә тырыша һәм, һүҙен һүҙ итә алмағас, Бабсаҡты үлтерә. Бөрйән версияһы буйынса, йыртҡыс менән алышта Ҡарағөлөмбәт еңеүсе булып сыға. Ваҡиғаларҙың артабанғы һүрәтләнеше ике версияла ла бер үк: Бабсаҡты үлтергәндән һәм ҡыпсаҡтарҙы юҡ иткәндән һуң, Ҡарағөлөмбәт Бабсаҡтың ауырлы ҡатынына өйләнә. Тура хан олатаһы тәрбиәһендә үҫкән Күсәк, ҙурайып, атаһы өсөн үс ала, Ҡарағөлөмбәтте үлтерә һәм уның бөтә ырыуын юҡ итә. Бер малай ғына иҫән ҡала, ул аҙаҡтан бөрйән ырыуын тергеҙә. «Бөрйән» этнонимы «бер йән» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тигән фекер әйтелә. Эпоста Күсәктең ҡылыҡтары ике төрлө баһалана: ҡарымтаның хаҡлығы таныла, ләкин геройҙың яуызлығы ғәйепләнә. Ике версияның да нигеҙенә һалынған идея бер үк: ырыу-ара ыҙғыштарҙы ғәйепләү һәм башҡорт ырыуҙарын берләшергә саҡырыу. Эпостың ҡайһы бер варианттарында Күсәк бейҙең үс алыуы ҡанһыҙ итеп һүрәтләнә: йә ул Ҡарағөлөмбәтте утта ҡыҙҙыра, йә муйынын сабып өҙә, йә тиреһен һыҙыра һ.б. Эпос ғилми хеҙмәттәрҙә «Бабсаҡ менән Күсәк» эпосы билдәле башҡорт фольклорсылары Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән, Мөхтәр Сәғитов хеҙмәттәрендә ентекле тикшерелә. «”Күсәк бей” үҙенең материалы һәм идея йүнәлеше менән ырыуҙар араһында берләшеү, ойошоу, ырыуҙарҙы эреләтеү проблемаһын яҡтыртыуҙы дауам итә… «Күсәк бей»ҙә инде ваҡиғаның ошолай эреләшкән ырыу эсендә (ырыуҙар союзы) барғанын күрәбеҙ. Мәсем хан ун ике бейҙең башында торған кеше итеп күрһәтелә… Ул ошо ырыуҙарҙы ойоштороусы, берләштереп тороусы көс итеп бирелә һәм законлы рәүештә ошо ырыуҙарға, ғөмүмән, ошо союзға ингән халыҡҡа баш, етәксе итеп күрһәтелә… Илгә афәт килгән ваҡытта дүрт ырыуҙың батыры бер булып, уға ҡаршы күтәреләләр… Тимәк, был әҫәрҙә инде ырыуҙарҙы эреләштереү бурысы ҡуйылмай, бәлки шул берләшеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән эре ырыуҙар союзын нығытыу, киңәйтеү бурысы ҡуйыла һәм әҫәрҙең бөтә пафосы бына тап ошо идеяға буйһонған һәм ырыуҙар берҙәмлегенә ҡаршы сыҡҡан яуыз ниәтле көстәрҙе фашлауға, юҡҡа сығарыуға йүнәлдерелгән… Тимәк, һығымта шул: ил эсендә (союз эсендә) яуызлыҡ, хаинлыҡ булмаһын, ул ыҙғышҡа килтерә». Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961. 245, 246, 250-се бб. Кирәй Мәргән (1912–1984) «…Поэма үҙ заманының яҙма әҙәбиәте менән «алыш-биреше» булған кеше ҡулынан үткән, тип әйтһәк, яңылыш булмаҫ… Ләкин беҙҙең өсөн поэманың боронғо тормошто, ырыуҙар көрәшен, уларҙың «бер-беренә ниндәй эш ҡылғандарын» дөрөҫ хикәйә итеү мөһим… Поэманың нигеҙендә ятҡан төп нәмә – ҡарымта, йәғни бер ырыу кешеһенең икенсе ырыу кешеһе тарафынан үлтерелеүенә ҡаршы шул уҡ юл менән яуап биреү, үс алыу. «Күсәк бей» поэмаһында элекке башҡорт ырыуҙарының ыҙғышлы тормошо, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, ырыу йолаларының көсө, ырыуға йәки ханлыҡҡа бәлә килгән саҡта община кешеләрен ойоштороуҙа һәм уларға етәкселек итеүҙә бейҙәрҙең роле асыҡ күрһәтелгән. Шулай ҙа ул, башҡа эпик әҫәрҙәргә ҡарағанда, тарихи яҡтан нығыраҡ сикләнгән, идея йәһәтенән тарыраҡ диапазонлы поэма… Әҫәрҙең геройы Күсәк батыр ырыу-ара хәлгә, Ҡыпсаҡ ырыуынан тышҡы донъяға башҡорт ҡәбиләләрен артабан бер бөтөн халыҡ итеп ойошоуға алып барыусы дуҫлыҡ һәм этник туғанлыҡ йәки яҡынлыҡ күҙлегенән ҡарауҙан бигерәк үҙ ырыуы һәм уның ғына именлеге күҙлегенән ҡарай. Асылда Күсәктең бөтә тырышлығы һәм батырлығы Ҡыпсаҡ ырыуы һәм уның бейе Бабсаҡтың ҡонон алыу менән тамамлана: бөтә Ҡыпсаҡ ырыуын (бер йәндән башҡаһын) ҡырып бөтөрә…» Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Өфө, 2014. 94, 95, 96–97-се бб. Әхнәф Харисов (1914–1977) “ «”Күсәк бей” хикәйәтендә ике эре башҡорт ҡәбиләһенең – бөрйән менән ҡыпсаҡтарҙың оҙайлы үҙ-ара ыҙғышы һүрәтләнә. Ике ырыу араһындағы һуғыштың трагик эҙемтәләрен күрһәтеп, хикәйәттә башҡорт ҡәбиләләренең берләшеү идеяһын күтәрә, үҙ-ара ыҙғышты бөтөрөүгә саҡыра. Хикәйәттәге ваҡиғалар шулай уҡ күп риүәйәт, легендаларҙа, яҙма сығанаҡтарҙа һәм көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандың таулы райондарының топонимикаһында сағылыш тапҡан. Ул бөгөн бигерәк тә бөрйән һәм ҡыпсаҡтар араһында киң таралған. Халыҡта хикәйәт телдән телгә генә түгел, ә ҡулъяҙма рәүешендә лә (күсерек) таралған… Шул осор төшөнсәләре яғынан ҡарағанда, Күсәк батыр – ыңғай герой, әммә феодал дәүләтселектең яралыу формаһы булараҡ эре ҡәбиләләр ойошҡан ваҡытта ҡарымтаны халыҡ инде кире ҡаҡҡан…» – тип яҙған фольклорсы-ғалим М.Сәғитов. Бабсаҡ бейҙең ҡурғаны тураһында Бабсаҡ бей ерләнгән ҡурған Бөрйән районы Аҡбулат ауылы янында урынлашҡан. Үткән быуаттың урталарында был ҡурғанды билдәле ғалим Н.А. Мәжитов тикшергән. Археологик ҡаҙыу эштәре барышында ике метрға яҡын буйлы кешенең һөйәктәре, һуғыш ҡоралдары һәм ат ҡалдыҡтары табыла. Был Бабсаҡ бейҙер тигән фекер әйтелә. 1990 йылда ҡурғанда таҡтаташ ҡуйыла. 2007 йылда милли орнамент менән биҙәлгән суйын кәртә менән уратыла, Бабсаҡ бей иҫтәлегенә дүрт метрлы мәрмәр таҡтаташ ҡуйыла. Тимәк, башҡорт халыҡ эпосы «Бабсаҡ менән Күсәк» башҡорт ырыу-ҡәбиләләрен берләшеүгә, татыулыҡҡа саҡыра, илгә ыҙғыш килтергән һәм ырыуҙар араһында һуғыш тыуҙырған ҡара көстө фашлай. Ҡулланылған әҙәбиәт: Башҡорт халыҡ ижады. Дүртенсе том. Эпос. – Өфө, 1999. Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. – Өфө, 1961. Харисов Ә. И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. – Өфө, 2014. Башкирское народное творчество. Т. I. Эпос. – Уфа, 1987. Киреев А .Н. Башкирский народный героический эпос. – Уфа, 1970. Сагитов М. М. Башкирское народное сказание «Бабсак и Кусяк». Автореф. дис… к.ф.н. – М., 1965. © Сөләймәнова Р. Ә., автор-төҙөүсе, 2021 Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан © ГУП РБ Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой, авторы, 2019 г. Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Пользовательское соглашение Политика использования cookie {"0":{"lid":"1531306243545","ls":"10","loff":"","li_type":"nm","li_name":"Тема ","li_title":"Тема ","li_req":"y","li_nm":"Тема "},"1":{"lid":"1531306540094","ls":"20","loff":"","li_type":"em","li_name":"Е-mail для связи","li_title":"Е-mail для связи","li_ph":"mail@example.com","li_req":"y","li_nm":"Е-mail для связи"},"2":{"lid":"1578487325957","ls":"30","loff":"","li_type":"ta","li_name":"Обращение","li_title":"Обращение","li_req":"y","li_rows":"2","li_nm":"Обращение"}}
Ошо көндәрҙә “Рәсәй лидерҙары” конкурсының суперфиналы тамамланды. Башҡортостан да унда үҙ һүҙен әйтте, алты яҡташыбыҙ үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йортонла уҡыу өсөн 1 миллион һум күләмендә сертификат алыуға иреште. Егеттәрҙең уңышына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та битараф ҡалманы. “Арсен Әйүпов “Рәсәй лидерҙары конкурсында идарасылар бәйгеһендә еңеүсе тип табылды. – тип яҙҙы ул “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә, – Бөтә илдән йыйылған 106 финалист араһында ул юғары звенолағы чиновниктар һәм эре бизнесмендарҙың үҙенән дәрестәр алыу мөмкинлегенә эйә. Әлегә Арсен Мәскәүҙә эшләй, әммә уны Башҡортостанға ҡайтарыу хаҡында уйларға кәрәк”. Афарин, Арсен ағай! Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 ИХТИЛАЛДАРҘА ЕҢЕЛМӘГӘНБЕҘ, Ә ЕҢГӘНБЕҘ + - сөнки уларҙа аҫабалыҡҡа хоҡуҡтарыбыҙҙы раҫлатҡанбыҙ Мәхмүт Сәлимов - Рәсәй төбәктәрендә ғүмер итеүсе рухлы милләттәштәребеҙҙең береһе. Хәрби хеҙмәткәр яҙмышы уны Ростов өлкәһендә төпләндерә. Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт иткән осоронда Осетин-Ингуш низағында, Беренсе Чечня һуғышында ҡатнаша һәм яралана. 2000 йылда сәләмәтлек торошо буйынса подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға. Әлеге көндә Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын етәкләй. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының дүртенсе йыйынына ҡайтҡан ваҡытында Мәхмүт Бакир улы менән әңгәмә ҡорорға насип булды. Һүҙ - редакция ҡунағына. Беҙ - яугир халыҡ Сызрандә хәрби училищела белем алған атайым Бакир Ишмөхәмәт улы Бөйөк Ватан һуғышында генерал А. Радимцев етәкселегендәге 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһында Сталинградты обороналауҙа ҡатнашып, "Ҡыҙыл йондоҙ" орденына, миҙалдарға лайыҡ булып, капитан дәрәжәһендә ҡайта. Ике-өс туған ағайҙарым да - офицерҙар. Тоҡомобоҙҙо тикшерә башлаһаң, күп ир-егеттәребеҙ яҙмышын хәрби хеҙмәткә бағышлаған. Яугирлыҡ беҙҙең ҡанда. Әсәйем Шәмсеҡәмәр Шаярыҫлан ҡыҙы ла һәр саҡ, онотмағыҙ, һеҙ мырҙа нәҫеленән, тип иҫкәртеп тора ине. Ул шулай үҙенең дүрт улында ла данлы тарихы менән ғорурлана белгән ир-егет тәрбиәләргә тырышҡандыр, тим. Бала саҡта, һәр бер малай кеүек, һуғышырға ярата инем, бер сәбәпһеҙгә түгел, ә ғәҙеллек даулап. Һәм һәр саҡ еңеүсе булып сыҡтым. Ошо еңеүсе тойғоһо мине ғүмер буйына оҙата йөрөнө. Ысынлап та, ир-егет батыр булып үҫергә, яратҡан ҡыҙын, ата-әсәһен, өйөн, балаларын яҡлай белергә тейеш. Бәләкәйҙән батыр булһа, ул артабан да бөтөн ерҙә лә батыр буласаҡ. Әлбиттә, был законды һанға һуҡмау тигәнде аңлатмай. Әммә эске - милләт законы ла бар икәнен оноторға ярамай. Башҡорт халҡының тарихын алып ҡараһаҡ та, бигерәк тә 1798 йылдарҙы, Павел Беренсенең Указынан башлап 1860 йылдарға тиклем башҡорттарҙың бөтөн яҙмышы хәрби хеҙмәткә бағышлана. Феодаль-буржуаз үткәнебеҙ барыбер халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡала. Кем булыуыбыҙ, нисек йәшәүебеҙ, кемгә хеҙмәт итеүебеҙ быуындан-быуынға тапшырыла. Башҡорттар хәрби, яугир халыҡ булғаны өсөн дә тәртипле. Хәрби кешеләр бер ваҡытта ла банда булып ойошмай, улар законға буйһона һәм уны үтәй. Әгәр закон улар яғында икән, улар тау аҡтарырға ла әҙер. Беҙҙең заманда бөтөн малайҙар ҙа летчик булырға хыяллана ине. Шундай хыялдар менән йәшәһәм дә, мине ракетчик булырға күндерҙеләр. Рига юғары хәрби команда-инженер училищеһына уҡырға ингәйнем, шул уҡ йылда уҡыу йорто үҙгәртеп ҡоролоп, факультетыбыҙ Дондағы Ростов ҡалаһына күсерелгәс, Ростов юғары хәрби команда-инженер училищеһын тамамларға тура килде. Һөнәрем - идара итеү һәм контролдең автоматлаштырылған системалары белгесе, йәғни радиоэлектроника буйынса хәрби инженер. Оборона министры бойороғо менән хеҙмәтемде артабан дауам итеү өсөн Себер хәрби округына ебәрелдем. "Төньяҡ амурҙары" башында... Новосибирскиҙа майор дәрәжәһенә тиклем үрләп, Мәскәүгә, В. И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияға уҡырға индем. Шунда Бородино алышының реконструкцияһы ваҡиғаларында Өфө пехота полкы яугиры формаһында Рөстәм Исҡужинды осраттым. Үҙен ялан-бөрйән башҡорто, тип таныштырҙы. "Улай булғас, туғаным, нимәгә Өфө пехота полкы формаһындаһың, башҡорт кейемен кейергә кәрәк", - тинем. Ул ваҡытта Беренсе башҡорт полкының атаман Платов корпусы составында Бородино һуғышында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәттәр бар һәм беҙ законлы рәүештә үҙебеҙҙең форманы кейеп, башҡорт халҡының тере тарихын күрһәтә ала инек. Һуңынан Рөстәм менән хәбәрләшеп торҙоҡ. 1992 йылда Өфөгә килгән ваҡытта Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа егеттәр менән осрашып, һөйләшеп, "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубын теркәттек. Уның төп бурысы - башҡорт халҡының хәрби тарихын өйрәнеү һәм тергеҙеү ине. Шул уҡ йылда Бородино һуғышының 180 йыллығына арналған ҙур юбилей сараһында тәүге тапҡыр 36 башҡорт ҡатнашып, милләтебеҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһаныҡ. Һуңынан был эш бер аҙ һүнеп ҡалды. Илдар Шәйәхмәтовтың энтузиазмы һөҙөмтәһендә эшкә яңы һулыш өрөлдө һәм бына тиҫтә йылдан ашыу инде клуб уңышлы эшләп килә. Хәҙер беҙҙең хәрби-тарихи клуб "Беренсе Башҡорт полкы - Любизар" исемен йөрөтә һәм Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростовта ғына түгел, Германияла, Польшала, Кипрҙа йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереп, халыҡ-ара клуб статусына эйә. Берләштереүсе тарих Башҡорт халҡының тарихын һәр ерҙә, һәр саҡ һәм мөмкинлек булған һайын пропагандаларға кәрәк. Үҙеңдең сығышың менән ғорурланыу өсөн тыуған илеңде - Башҡортостаныңды яратырға, ата-әсәңде ихтирам итергә, тарихыңды белергә тейешһең. Тыуған илде яратыу, ата-әсәне хөрмәтләү ҡан аша бирелһә, тарихты өйрәнеү өсөн бер аҙ тир түгергә тура киләсәк. Халҡыбыҙ тарихында оялырлыҡ бер нәмә лә юҡ, башыбыҙҙы юғары, ғорур күтәреп йөрөй алабыҙ. Беҙҙең милли геройҙарыбыҙ, милли уйын ҡоралдарыбыҙ, сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ гәүһәрҙәре, быуаттар буйына һаҡланып килгән милләтебеҙ һәм иң мөһиме - үҙ еребеҙ бар. Мәҫәлән, Дон казактары беҙҙең айырым республикабыҙ булыуына һоҡлана. Ростовта ойошмабыҙҙы бик йылы ҡабул итәләр, сөнки бшҡорт халҡының оҙайлы тарихы нигеҙендә башҡорт һәм рус армияһы, 11-се казак ғәскәре араһындағы дуҫлыҡ ята. Улар барыһы бергә уртаҡ йортобоҙ - Рәсәй өсөн һуғышҡан һәм уны яҡлаған. Был - башҡорт халҡының үҙенсәлеге аша тышҡы дошмандарға ҡаршы берлектәге көрәште, дөйөм илебеҙҙе иңгә-иң терәп яҡлауҙы пропагандалау ул. Сөнки уртаҡ тарих иһә барлыҡ халыҡтарҙы ла берләштерә. Кешеләр бер-береһенән айырып торған үҙенсәлекте түгел, ә берләштереүсе тарихты күрә икән, был һәр ваҡытта ла ыңғай ҡабул ителә. Мәҙәниәтебеҙҙе алға һөрәбеҙ Бөbгөнгө Дондағы Ростовта 200 милләт, шул иҫәптән Кавказдың барлыҡ халҡы вәкилдәре йәшәй. Казактар аҫаба халыҡ булыуға ҡармаҫтан, бында Кавказ менталитеты хөкөм һөрә. Кавказ менталитеты - ул, тәү сиратта, мөнәсәбәттәрҙәге итәғәтлелек, тыйнаҡлыҡ, милләтенә ҡарамаҫтан кешелек дәрәжәһенә ихтирам, тупаҫлыҡты инҡар итеү, үҙ ҡылығың өсөн яуаплылыҡ тойоу. Шуға күрә лә Дондағы Ростовта яғымлы, итәғәтле кешеләр йәшәй, тиер инем. Ленинград өлкәһе менән сағыштырғанда, Ростов өлкәһендә башҡорттар күберәк. Илгиз Солтанморатовтың тикшеренеүҙәре буйынса, уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында бында 1438 башҡорт йәшәгән булһа (Ленинград өлкәһендә - 978), бөгөн был һан 1500-гә еткәндер, моғайын. Әлегә ҡала башҡорттарының айырым үҙ ойошмаһы булһа ла, "Яҡташтар" өлкә башҡорт-татар ойошмаһы менән берлектә эшләйбеҙ. Былтыр көҙөн Ростовта үткәрелгән Башҡорт мәҙәниәте көндәренә Стәрлетамаҡ филармонияһынан артистар килде. Үҙебеҙ 1812 йылғы ҡоралдарҙан, кейемдәрҙән күргәҙмә әҙерләп, кейенеп, тарихыбыҙҙың бер өлөшө менән таныштырҙыҡ. Халыҡ күп йыйылды, хатта урындар етмәй ҡалды. Ғөмүмән, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һуңғы өс-дүрт йылда беҙгә табан йөҙ борҙо, яҙған хаттарыбыҙҙы яуапһыҙ ҡалдырмай, һәр саҡ ижади коллективтарҙы гастролдәргә ебәреп тора. Улар бит беҙҙең күңелде күтәреп кенә китмәй, беҙ бергәләшеп башҡорт халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен пропагандалайбыҙ. Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре башлыҡтарының саммиттары үтеүе лә республиканың имиджын үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаны, уны бөтөн матурлығында ғына түгел, бөтөн ҡеүәтендә күрһәтте. Башҡортостан илебеҙҙе генә түгел, тотош донъяны таң ҡалдырҙы. Хәҙер кеше Төркиәгә, Мысырға йөрөп ялҡты, үҙебеҙҙең ил, үҙебеҙҙең тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы һәм Башҡортостанда ла ҡайҙа барырға, ниҙәр күрергә мөмкин икәнлеге хаҡында белешәләр. Республикабыҙҙа, шөкөр, ҡарар, танышыр урындар, йәшәргә Европа кимәлендәге ҡунаҡханалар бар. Мин Өфөнөң туристарҙы ылыҡтырырлыҡ ҡалаларҙың береһе булырына ышанам. Тикшереләһе тарих күп әле Тарихыбыҙҙа беҙҙең тарихсылар бөтөнләй иғтибар итмәгән бер мәсьәлә бар - хеҙмәт итеүҙең сират тәртибе. Был тәртип бала тыуғас та башланған. Уның өсөн һәр ауылдың канцелярияһында писарь яңы тыуған малайҙарҙы метрика кенәгәһенә теркәп барған. Хатта бер көндә бер нисә малай тыуһа, кемдең улы алдараҡ теркәлеүен асыҡлау өсөн шыбаға тотошҡандар. Сөнки малайҙарға 17 йәш тулғас, уларҙы хәрби йыйындарға алғандар, ә 20 йәштән беренсе хеҙмәткә саҡырғандар. Мәҫәлән, исемлектәге тәүге 17 йәки 20 кешенән һуң артабан килгәндәрҙең алдына тағы ла берҙән башлап һанай башлағандар. Бының да үҙ сәбәбе бар - полктың өстән бер өлөшө генә йәштәрҙән торған, ҡалғанын олалар тәшкил иткән. Хәрби бурысҡа бындай ҡараш тотош системаны тәшкил итә. Башҡорттар апрелдән ноябргә тиклем линия хеҙмәтендә булған, шулай уҡ Финляндияла һәм Польшала икешәр полктың даими хеҙмәт алып барыуы билдәле. Хәрби бурыс тураһындағы положениеға ярашлы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу, линияларҙа хеҙмәт итеү, оҙайлы походтарҙа булыу тышҡы хеҙмәт тип аталған. Эске хеҙмәт - биш, тышҡы хеҙмәт 22 йыл булған. Тышҡы хеҙмәттән ҡайтҡас, яугир эске хеҙмәт бурыстарын үтәгән: урмандарҙы янғындан һаҡлаған, каторжандарҙы, почта хеҙмәтен оҙатып йөрөгән, кантон идаралығында дневальный хеҙмәтен үтәгән һ.б. Кем льготала булған, улар хеҙмәт итеү өсөн үҙенең сиратын көткән. Башҡорт казактары тураһында һүҙ йөрөткәндә, күптәр был ҡатламға халыҡтың күпмелер өлөшө генә ингән, тип күҙаллай. Ғәмәлдә бөтөн башҡорттар ҙа казак ҡатламына ингән. Мәҫәлән, 1856 йылда дөйөм халыҡ һанынан ир-аттар - 460775, ҡатын-ҡыҙҙар 451073 кеше булһа, шуларҙан 460496 ир-ат, 450936 ҡатын-ҡыҙ хәрби казак ҡатламы иҫәбендә булған. Бында тағы ла асыҡлап китәһе мәлдәр бар, сөнки был иҫәпкә балалар ингәнме, юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Сөнки егеттәр бары тик 20 йәштән генә, ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡас ҡына казаклыҡҡа ингән. Бындай ҡараш ер мәсьәләһе менән ныҡ бәйле булған. Сағыштырыу өсөн Ырымбур казак ғәскәренә 193466 кеше - башҡорт казактарынан 9 тапҡырға, Урал казак ғәскәрҙәренә 72109 кеше - башҡорт казактарынан 11 тапҡырға кәмерәк кеше ингән. Башҡорт казак ғәскәрендә чиновник балалары өсөн ғәскәр иҫәбенә уҡыу йорттарында (университеттарҙа, медицина-хирургия академияһында, хоҡуҡ белеме училищеларында, урман һәм межалау институтында, тау корпусында, төҙөлөш училищеһында, кадет корпустарында, хәрби училищеларҙа һ.б.) 50 даими вакант урын булдырыла. 1850 йылда ғәскәри уҡыу йорттарында 6555 башҡорт белем ала. Урындарҙағы 313 шәхси мәктәптә башҡорт казактары балалары уҡый. Ә. Әсфәндийәровтың башҡорттарҙың кантон идаралығы тураһында бәйән иткән китабында яҙылғанса, ул замандағы 10 медицина докторының береһе - Әхмәтйән Әбдәшевтың башҡорт булыуы хаҡында ла хәҙер күптәр белмәй. 19-сы быуаттың 40-сы йылдарында Башҡортостан ғәскәре территорияһы 4 медицина участкаһына бүленә, бынан тыш, 5 урында йәйге ваҡытлыса госпиталдәр асыла. Уларҙа башҡорт табиптары, фельдшерҙарҙан тыш, кендек инәйҙәре (акушеркалар) лә эшләй. Мәҫәлән, 1864 йылда Санкт-Петербург Бала табыуға ярҙам итеү институтының Кендек инәйҙәре институтын Красноуфимск өйәҙенән Тасимуллина, Минзәлә өйәҙенән Абдулманяфова, Өфө өйәҙенән Абдулъяппарова тамамлай. Башҡорт ҡатындары дүрт йыл акушерлыҡҡа уҡыған. Ни өсөн? Сөнки башҡорттарҙың һаны кәмей башлауы хөкүмәтте борсоуға һала - хәрбиҙәр, ғәскәр һаны кәмей. Шуға күрә кантон системаһының административ хакимиәте булған һәр йорттан (юрта) башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын уҡырға ебәрәләр, улар ҡайтҡас, һәр ҡайһыһы тағы ла 10 ҡыҙҙы уҡытырға тейеш була. Һөҙөмтәлә демография тотороҡлана. 1910 йылда ғына Дим буйындағы бер нисә башҡорт ауылы ярты миллион аҡса эшләгән. Нисек? Санкт-Петербургтан, Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 4800 самаһы кеше килеп, ҡымыҙ менән дауаланған. Шул ваҡытта уҡ был эште теркәп, һанап торғандар, һәр кешенән 100 һум алғандар. Ул ваҡытта һыйыр 3 һум торған. Бер көндә Өфө йәрминкәһендә аукционда тотош Башҡортостан 75 мең ат һатҡан. Бөтә Рәсәйҙән, бигерәк тә Хәрби министрлыҡтан, башҡорт аттарын ылауҙар өсөн килеп алғандар. Ә бит аукцион бер көн генә булмаған, бер аҙна дауам иткән. Байҙарҙың 5-әр мең аты булған, уларҙы һатып, үҙҙәрен хәрби хеҙмәткә ҡорал менән тәьмин иткәндәр. Тарихыбыҙ бай, Әнүәр Әсфәндийәров, Ырымбур өлкә архивында ғына 15 мең фонд тикшерелмәй ята, тип яҙғайны. Ә хәрби-тарихи архивта күпме икән? Музейҙарҙа? Тағы бер мәсьәлә: тарихсыларыбыҙ башҡорт ихтилалдарын, башҡорттарҙың батша самодержавиеһына ҡаршы нисек көрәшкәнен тикшереп, бер һығымтаға килә - һәр ихтилалда еңелгәнбеҙ. Бындай һығымта кешене һүрелдерә, бахыр хәленә төшөрә. Ә бит, икенсе яҡтан ҡарағанда, ихтилалдарҙа беҙ еңеп сыҡҡанбыҙ, сөнки башҡорттар яугир, әммә илбаҫар йәки һуғыш суҡмары түгел, беҙ бары тик аҫабалыҡ буйынса үҙ талаптарыбыҙҙы ҡуйғанбыҙ, килешкәнбеҙ, аҫабалыҡҡа хоҡуҡтарыбыҙҙы раҫлатҡанбыҙ, шуға ла мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша барған. Башҡорт кадет корпусы кәрәк Ростов өлкәһендә һәр бер биләмәлә казак кадет корпустары бар. Улар һәр ваҡыт Мәскәүҙә үткән парадтарҙы аса. Башҡортостанда ла Павел Беренсе исемендәге башҡорт кадет корпусын асырға мөмкин бит. Әгәр бала саҡтан уҡ тәрбиәләмәһәк, дәүләт хеҙмәтенең айырым төрөнә - полицияға, ОМОН-ға, МЧС-ҡа, прокуратура, көс структураларына - эске ғәскәрҙәргә яҡшы әҙерлекле кадрҙарҙы ҡайҙан алырбыҙ? Был балаларға патриотизм тойғоһо, тыуған илгә, ергә һөйөү бала саҡтан һалынырға тейеш. Эйе, кадет корпустары бар, тиеүселәр ҙә табылыр. Уларҙың исеме генә кадет корпусы, ә тәрбиә бөтөнләй икенсе. Сөнки барлыҡ кадет корпустары, хатта Ишембайҙағыһы ла, МЧС ҡанаты аҫтында. Бындай корпустарҙа башҡорттар ғына уҡыһын тимәйем, башҡа милләттәр ҙә булһын, әммә унда мотлаҡ рәүештә башҡорттарҙың хәрби тарихы уҡытылырға тейеш. Дөрөҫөн әйткәндә, иң яҡшы кадет корпустары яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ генерал Миңлеғәле Шайморатов азат иткән һәм 400 башҡорт башын һалған Белая Калитвала. Ни өсөн 400 башҡорт тип ышаныслы итеп әйтәм, сөнки крайҙы өйрәнеүсе Рәсәй Фәндәр академияһы Көньяҡ фәнни үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре В. Афанасенко билдәләүенсә, Дебальцевоға тиклем кавалерия дивизияһы 90 процентҡа башҡорттарҙан торған. 1943 йылдан һуң ғына ул йыйылма дивизияға әйләнә. Бына ошо Белая Калитвалағы кадет корпусына мосолман балалары уҡырға инә алмай, сөнки унда уҡыусы православие динендә булырға тейеш. Был төп шарт. Әгәр башҡорт балалары иң яҡшы кадет корпусында белем ала алмай икән, тимәк, үҙебеҙҙекен асыу - заман талабы. Хәҙер ҙә бит бәләкәйҙән хәрби булырға хыялланған балалар юҡ түгел. Әҙәбиәткә илткән юл Бер ваҡытта ла яҙыусы булырға хыялланманым, һәр саҡ офицер булырға, тыуған илемә хеҙмәт итергә теләнем. В. И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияға уҡырға ингәс, физиктан лирикка әйләнеп киттем. Яҙмышымдың бындай боролош алыуына хәҙер һис кенә лә үкенмәйем, бәлки, шул арҡала ла яҙыша башлағанмындыр. Әҙәбиәткә өлгөрөп етеп килдем, тиергә мөмкин. Ә ижад сығанағым, моғайын да, бала сағыма, туған тәбиғәтемә, крәҫтиән хеҙмәтенә барып тоташалыр. Әсәйем дә ҡул эше менән булышҡанда ла шым ғына ултырманы, беҙгә әллә күпме әкиәттәр һөйләй торғайны. Мәскәүҙә уҡығанда, иң өлкән студент булараҡ, Башҡортостандан уҡыусы бөтөн студенттарҙың исемлеге миндә булды. Барыһы менән дә аралашып йөрөнөк. Шул йылдарҙа хәҙер "Истоки" гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов Әҙәбиәт институтында уҡый ине. Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт иткәндә яраланып, госпиталдә дауаланғанда уйланырға, хәтер һандығында ятҡан хәтирәләрҙе соҡоп сығарырға форсат тыуҙы. Шул ваҡытта беренсе хикәйәмде яҙҙым. Ул уңышлы дебют булды һәм Айҙар ярҙамында "Уфа" журналында донъя күрҙе. Хәрби офицерҙарҙың үҙҙәренең башынан үткәнде, башҡалар күрмәгәнде әҙәби әҫәрҙәр аша бәйән итеүе, уларҙың әҙәбиәткә килеү осраҡтары юҡ түгел. Ундай миҫалдар байтаҡ, бәлки, мин уларҙан балалар өсөн әкиәттәр ижад итеүем менән генә айырыламдыр. Балалар өсөн яҙыу, бәлки, ҡандан да киләлер, ни тиһәң дә, балалар яҙыусыһы Рәсимә апай Ураҡсина менән өс туған булһаҡ та, бер туғандар кеүек аралашып йәшәнек. Шулай уҡ атайым яғынан Әхиәр Хәкимов та туған ине, уның әсәһе сығышы менән минең тыуған ауылым Яңы Яппарҙан. Атайымды Яңы Яппарҙа ғүмер иткән башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Сафуан Яҡшығолов уҡытҡан. Ә башҡорт мәғрифәтселегенең тамырҙары тәрәнгә барып тоташа. Мин эске гармонияға өлгәшеү өсөн ата-олатайҙарыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға тейешбеҙ, тип уйлайым. Традицияларҙың күсәгилешлеге - ул дөрөҫ фәлсәфә. Былтырғы Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы яҙыусыларға ла, башлап яҙыусыларға ла яңы ижади һулыш бирҙе, тиер инем. Мине Яҙыусылар союзына алдылар. Әҫәрҙәремде Дәүләкән районында, яҡташым Вячеслав Аброщенко "Башҡорт һунарсылары гәзите"ндә сығарып тора, ошо баҫма китапханаһы тамғаһы аҫтында китаптарым донъя күрә. Ғөмүмән, Башҡортостанда нәшриәт эше юғары кимәлдә алып барыла. Хәҙер күптәр, нимәгә ул гәзит-журнал, интернет бар ҙа инде, ти. Яҡшы әҫәрҙәр, минеңсә, интернет селтәренә эләккәнгә тиклем яҡшы нәшриәттә донъя күрергә тейеш. Профессионалдар еренә еткереп әҙерләгән әҫәрҙе меңләгән кеше уҡыясаҡ, ә интернетҡа теләһә нимә һалырға мөмкин. Ташҡа баҫылғанды ғына интернетҡа һалырға кәрәк һәм уға кешеләр ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә интерент селтәренә сыҡҡанға тиклем текст өҫтөндә профессионалдар эшләргә тейеш. Шуға күрә, Башҡортостан әле сығып килгән барлыҡ матбуғат баҫмаларын һаҡлап ҡалһын ине. Шулай итеп... "Әсәйемдең һөйләгән әкиәттәренән, хикәйәттәренән үҙем өсөн мөһим бер һабаҡ алдым - мин ер-һыуһыҙ, тамырһыҙ кеше түгел. Тамырҙарым ныҡлы һәм тәрәнгә китә. Һәр кем иртәме ул, һуңмы, ҡасан да булһа үҙенә: "Мин кем? Тамырҙарым ҡайҙан?" - тигән һорау бирә һәм ғүмер буйы ошо һорауына яуап таба алмай. Ә мин ул һорауға яуапты бала сағымда уҡ тапҡайным инде", - ти Мәхмүт Бакир улы. Аҡыллыға тағы бер ишара был: балаларға бәләкәйҙән кем булыуын, тамырҙарын аңлатыу мөһим. Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды. КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 20.02.16 | Ҡаралған: 1479 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Зәлифәһен мәсхәрәләмәксе булған әҙәм аҡтығына тәғәйенләнгән киҫкен һуғыу , теге ялтарып арала Зәлифәкәйенең ауыҙ тәңгәленә тура килде. Таңһылыу Вәлиева Хикәйә Туйға барһаң, туйып бар, тигәндәй, берәй ергә ҡунаҡҡа саҡырылһа, Зәлифә әбей тәүҙә өйҙә тамағын туйҙырып ала. Ғиззәт ҡарт уның был ғәҙәтен күптән белеп бөткән, Зәлифәһе ҡунаҡҡа китмәҫтән берәй сәғәт алда, ҡарт әйтмешләй, кәпитәлне һыйланып алалар икәүләшеп. Ҡайһы саҡта ҡатыраҡ бешкән итте ҡабып ебәреп, ни сәйнәп йота алмай, ни кире сығарып һала алмай, мөйшәндәп ултырмаҫ өсөн, хәҙер иткә лә үрелә һалмай Зәлифә ҡунаҡта. Ауыҙ эсендә әүәләп - әүештереп сәйнәмәй генә йотоп ебәрә торған ризыҡтарҙы - бутҡаны, аштың һалмаһын өҫтөн күрә, ит һурпаһына ғына бешкән бер - ике картуф ашай. - Кеше, киреһенсә, ҡунаҡта ашап булмай туйып барһаң, тиер ине. Һин генә йөрөйһөң юҡты ғәҙәт итеп, - тип мәрәкәләгән була ҡарты, туйып барыуҙың сәбәбен белһә лә. Сәбәбе - тештә. Дөрөҫөрәге - үҙ тештәреңдең юҡлығында. Улай тиһәң, Зәлифә йәшендәгеләрҙең бөтәһендә лә, Ғөбәйҙә әхирәте әйткәнсә, "һөкөмәт" теше. Һөкөмәт теше менән ҡырҡа тешләп, ҡыртылдата сәйнәп ашап булмай ризыҡты, Улыраһың шунан кеше араһында мөйшәндәп... Ҡыҙыҡ ул ауыл әбейҙәре. Үҙҙәренән үҙҙәре көлөргә тиһәң, уларҙы ҡуш. Теш тигәндә, бигерәк тә. - Төндә лә һалмайым мин тешемде, яланғас ауыҙым өшөй, сисһәм, - тиһә береһе, икенсеһе эләктереп алырға әҙер генә тора: - Анау сама аҡса түләп, эшләтеп алып, буш һалып ҡуйып ни... Төндә шығырҙатып булһа ла ятам мин аны! - Атай яһаған теш кенә бисплатный ине уыл... Ауыҙҙарын ҡулдары менән ҡаплап, көлөшкән була үҙҙәре. Зәлифә тыңларға ярата тиңдәштәренең мәҙәк хәбәрҙәрен. Әйҙә, ғәйбәт һөйләгәнсе, үҙҙәренән көлһөндәр - гонаһтары түгелер, исмаһам. Ярай уныһы, олоғайғас тешең бөтһә.. Зәлифә утыҙ йәшендә алғы тештәрһеҙ ҡалды. Ғиззәте ҡыра һуҡты. Бер сәйер яғы ла булды Зәлифәнең тештәренең Ауырға ҡалдымы Зәлифә, - бөттө, дүрт ай буйы алһыҙ - ялһыҙ һыҙлар ине тештәре. Шуныһы ғәжәп - балаға йән керҙеме, , булды, етте, тигәндәй шып туҡтай теш һыҙлауы. Яралған баланың һөйәге өсөн кальций кәрәк, организм уны һеҙҙең тешегеҙҙән ращщепләйт итеп ала, тип аңлатҡайны тыуған баланы ҡабул итеп тороусы йәш кенә шәфҡәт туташы. Дүрт ир балаға яңаҡ тештәрен теге туташ әйткән кальций итеп ғәҙел бүлеп бирҙе Зәлифә. Ә алғы тештәрен Ғиззәте ҡыра һуҡты. Көҙгөгә ҡарап кейенә Зәлифә, йәш саҡтағы ғәҙәтен ҡалдырмай һаман. Яулығына, күлдәгенең төҫөнә ҡарап, муйынсаҡтарын алыштырып тора. Көҙгәләге үҙенә йылмайҙы ҡупшыҡай әбей. Үҙенекенән айырылмай ҙа ул ҡуйҙырған тештәре. Шулай ҙа... Тип - тигеҙ итеп теҙеп ҡуйылған аҡ ынйы кеүек , ап - аҡ, иатур булды Зәлифәнең тештәре йәш сағында. Йылмайһа, йөҙө яҡтырып, һылыулығы бермә - бер артып киткәндәй була.. Ә сыңғыратып көлөп ебәрһә инде, шул аҡ ынйылар нәфис сыңлы утыҙ ике ҡыңғырау булып бер юлы зыңғырлай ине. Шул ап - аҡ ынйы тештәре ҡауыштырҙы Зәлифәне Ғиззәт менән. Киске уйынға күрше ауылдан дуҫтары менән килгән Ғиҙҙәт: - Кем көлдө ошонда яңы? Шул матур итеп көлгән ҡыҙ ҡайһығыҙ ул? - тип таптырып ҡараны, яуап биреүсе, әлбиттә, булманы. Ҡайһы ҡыҙ мин көлдөм матур итеп, тип анау сама әзмәүерҙең алдына сығып баҫһын...Ҡурҡмай... Икенсе уйынға Зәлифә барманы, өсөнсөһөндә Ғиззәт үҙе булманы, дүртенсе шәмбелә ҡойоп ямғыр яуҙы. Бесән мәле еткәс, киске уйындар туҡтап торҙо. эй иатур, ҡабатланмаҫ мәлдәр... Зәлифә менән Ғиззәт яратып, һағынып иҫләп алалар йәш саҡтарын. - Армияла разведротала ике йыл буйы хеҙмәт итеп, мин матур итеп көлгән ҡыҙҙы тапмай буламмы? Таптым! Ғүмерлек йәрем иттем! Бынау сәсәкле шәлеңде яурыныңа һалам, тип сығарҙыңмы шкафыңдан? ОНотоп ҡуйма. Хәбәрен һөйләй - һөйләй янына килеп баҫҡан ҡартының ҡулынан шәлен алып, сығырға ыңғайлаған ерҙән Зәлифә туҡталды. -Әйтәм, ике айҙан һуң килгәнеңдә туп - тура килеп, эргәмә баҫтың шул. -Һеҙҙең ауылдағы агентурам шәп эшләне, хаҡын йәлләмәй түләп торғас... - Ҡыйғас ҡара ҡаш икән, Ынйы - мәрйен теш икән, - тип йырлап килеп торҙоң яныма. Ынйы - мәрйен тешем ҡайҙа булды шунан? - Ана, Мөнирәң ҡул болғай, барһаң, бар ҙа ҡунағыңа... Нимә һөйләһәң дә әпкилә лә тешен ҡыҫтыра. Күстәнәс апҡайт. Өйҙә кинйә малайым көтөп ҡалды, тиген. Урам буйлап аҡ - суҡ булып кейенешеп-яһанышып аятҡа китеп барған әбейҙәр араһында иң матуры уның Зәлифәһе шул. Килешле кәүҙәһен төҙ генә тотоп, Рафиға шикелле ҡанатын да ян - яҡҡа йәймәй, Гөлзифа һымаҡ тертәндәмәй генә, арҡырыһы - буйы бер булған Хәмиҙәләй туйтанламай ҙа, ҡаҡ таҡта Миңнурыйҙай ел ыңғайына сайҡалмай ҙа йөҙөп кенә атлап бара уның әбейе. - Буйың зифа тал ғына, Ирендәрең бал ғына. Йырлаған һайын яңы һүҙҙәр өҫтәй ҙә ебәрә Ғиззәт ошо йырына. Ҡыйғас ҡара ҡаш икән, ынйы - мәрйен теш икән тигән ереенә генә теймәй. Кәләшенең ынйы - мәрйен тештәрен үҙе һындыра һуҡты шул Ғиззәт, аҫҡыларын да, өҫкөләрен дә. Теш кенәме, ирендәрен дә ҡырҡа һуҡты тешкә ҡуша. Былай булды. Еләк уңғайны Зәлифәнең утыҙы тулған шул йәйҙә. Тәгәрәп ятты, ишелеп уңды. Бисәләр йыйып торҙо, таң атыуға урынына икенселәре бешеп торҙо. Зәлифәһе, еләк өсөн былай ҙа үлеп барған нәмә, һынын килтерҙе - биҙрәләп ташыны ла ҡуйҙы. Төшкә тиклем бер күнәк, төштән һуң бер күнәк. Көндөҙ йыя, төндә шуны эш итеп бөтмәйенсә ятмай. Бер көн Ғиззәт беснлектәрҙе ҡарап ҡайтам, кеше төшөп ҡуймаһың, билдә һалырмын, тип, ат егеп, салғы алып сығып китте. Төштән һуң ғына ҡайтып инде. Кирәй ҡыуағы тигән сабынлыҡтарында үлән дә шәп, үлән араһында күләгәлә ҡып - ҡыҙыл булып бешкән суҡ - суҡ бөрлөгән дә шәп ине. Иртәгеһенә икәүләп киттеләр Кирәй ҡыуағына. Ғиззәт бесән сапты, Зәлифә ҡыуана - көлә, йырлай - йырлай бөрлөгән тирҙе. - Был сама бөлдөргәндән ер йөҙө үәринйә ҡайнатам, мин, Ғиззәт. Рәхмәт алып килеүеңә. - Алла бирһәне нисек әйтмәй ултыраһың ул һин? Сәй эсеп алғас, Ғиззәт һаҙ ҡыҙырымынан быҙауҙарға йомшаҡ йәш бесән сабып алайым, тип йылға буйына төшөп китте, Зәлифә һауыт - һабаһын сайып, төрөп, төйнәп, арбаға һалды ла үҙе лә арбаға ултырып, бөрлөгәндең өҫтөндә йыйғанда төшкән үләндәрҙе, япраҡтарҙы сүпләп ала башланы. Шул тиклем әүрәгәндер инде, һаҡал - мыйыҡ баҫҡан ике ирҙең алдына ҡайһы ике арала килеп торғанын да күрмәй ҡалған. Нисек үлән ҡыштырлағанды ишетмәгән, нишләп Кетмер өрмәгән?! Ирҙәрҙең береһе төйөнсөктө ҡутара башланы, икенсеһе Зәлифәнең бөрлөгәнле биҙрәһен ҡулынан һелкетә тартып алып ергә ҡуйҙы ла ҡатындың ҡулдарын артҡа шаҡара тотоп, арбанан һөйрәп төшөрҙө. Зәлифәнең аяғына эләгеп, биҙрә тәгәрәп китте. Йәп - йәшел үләнгә ҡып - ҡыҙыл ҡан тамсылары сәсрәнеме ни? Зәлифә ҡысҡыра ла алмай - ғифрит ирҙең йөн баҫҡан ауыҙы уның ирендәрен ялмап алған. Ауыр кәүҙәһе менән Зәлифәнең өҫтәнә ятып алып, бер ҡулы менән йыртҡыс шикелле ырылдып Зәлифәнең эс кейемен өҙгөләй, икенсе ҡулының таш шикеле ҡаты бармаҡтарын муйын тамырына батыра бара, батыра бара... Ҡалғанын хәтерләмәй Зәлифә, иҫтән яҙған. Ғиззәтенең һөйләүенән генә белә артабан ниҙәр булғанын. Кетмер ярһып саңҡылдағанға боролоп ҡарап, Ғиззәт арба янында ниндәйҙер хәтәр барлығын шундуҡ аңланы. Йәшен тиҙлегендә тиһәң дә, һә тигәнсе, тиһәң дә, оҙаҡ булыр -. күҙ асып йомғансы Ғиззәт арбаһы янында ине инде., Зәлифәһен көсләргә маташыусының башын үҙенә бороп, йөҙөн йәнасыҡҡа емерә һуҡты. Тегенең башы улай ауып төшә, былай ауа, аларған күҙҙәрендә йән әҫәре юҡ. Ярһыған Ғиззәт уның башын тызып тик ултырғанын аңлап ҡалып, Зәлифәһенең өҫтәнән күтәреп алды ла ергә ҡуша һуҡты. Разведчиктар әҙерләү мәктәбендә үҙләштергән һөнәре ҡасандыр киләсәктә Кирәй ҡыуағында кәрәк буласағы биш ятһа ла уйына килмәҫ ине Ғиззәттең. Бында барған фажиғәгә Ғиззәт килмәҫ элек битараф ҡалып ашанып маташҡан ир, Ғиззәттең салғыға барып йәбешкәнен күреп, уның ниәтен аңлап, салғыға һабына Ғиззәттең ҡулдарын ҡуша ҡыҫып тотто. - Брат, успопкойся... Брат, не стоит мараться о дерьмо...Брат... Братан... Остынь... Прости. Зәлифәһен мәсхәрәләмәксе булған әҙәм аҡтығына тәғәйенләнгән киҫкен һуғыу , теге ялтарып арала Зәлифәкәйенең ауыҙ тәңгәленә тура килде. Ғиззәт йоҙроғон тартып алып өлгөрҙө, юғиһә кәләшенең төп - төҙ генә текә танауы, уртаһында уйымы булған матур эйәге йәнселә ине.Шулай ҙа ҡырлы йоҙроҡ Зәлифәнең алғы ынйы - мәрйен тештәрен тирә һуғып өлгөрҙө, ҡырҡылан ирендәре ҡанап китте. Ҡан күргәс, тилерер сиккә еткән Ғиззәт ырғып тороп салғыһына йәбешкәйне. Төрмәнән ҡасыусыларҙы эҙләп осоп үтеп барыусы вертолетты икенсе ҡасҡын кейемен сисеп болғап, аҡланға төшөрттө, йөҙө танығыһыҙ булып иҙгеләнгәнен тоҡ шикелле һөйрөп алып кабина эсенә ташланылар. - Собаке собачья смерть. Элекке разведчиктың бер ниндәй ҙә язаға тарттырылмаясағын әйттелер ҙә күтәрелеп остолар. Быларҙың береһен дә белмәне иҫһеҙ Зәлифә. Йәш бесәндең үткер, көслө еҫенә айынып китте ҡайтышлай. Тәне ҡыйралып килә, ирендәре шешкән, ауыҙы эсенә әллә ҡом, әллә таш тулған. Ә Ғиззәте ҡайҙа? - Ғиҙҙәт... Ғиҙ - ҙәәт! - Тере! Терее!!! Зәлифәкәйем минең, терекәйем, йәнекәйем ... - Ғиҙҙәт? Ә ҡайҙа?.. -Юҡ! Кирәй ҡыуағы тигән ер ҙә юҡ донъяла, Ҙәлифәкәйем, һаҡауым минең... Ауылдыҡылар Зәлифә, аттары алып ҡасып, арба аҫтында ҡалып, тештәрен шунда һындыррған, үҙе саҡ ҡалған, Ғиззәт атын ағасҡа бйәләп ҡуйып ярып алған тигән хәбәргә ихлас ышандылар.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Белем көнөндә Өфөнөң 52-се һөнәрселек-техник училищеһында булды, бында ул студенттар һәм уҡытыусылар, шулай уҡ Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең ветерандары менән осрашты. Был уҡыу йорто ошо берекмә өсөн белгестәр әҙерләй. Күп йәштәр училищеға республиканың иң эре заводында хеҙмәт династияһын дауам итеү өсөн ата-әсәләре артынан килә. — Был уникаль предприятие, — тине Рөстәм Хәмитов, йәштәр менән аралашып. – Уҡыуҙы тамамлағас, унда эшләргә ниәтләгән йәштәр юлын дөрөҫ һайлаған. Һуңғы йылдарҙа эшсе белгеслектәренең абруйы төшөүе, һөнәри белем биреү системаһының нығытыуға мохтаж булыуы - икенсе эш. Президент дөйөм техник предметтар һәм станоксылар әҙерләү кабинеттарын ҡараны, ашнаҡсы-кондитерҙар әҙерләү кластары менән танышты. Уҡытыусылар һәм студенттар электрон дәреслектәр, училище сайты һәм егеттәр практикала ҡулланған цифрлы идара итеү мөмкинлеге булған мини-станоктарҙы күрһәтте. Шундай станоктарҙың береһен Рөстәм Хәмитов шәхсән үҙе тикшереп ҡарай алды. Училище эшләй башлағандан алып бында металл эшкәртеү буйынса 20 меңдән ашыу квалификациялы эшсе әҙерләнгән. Сығарылыш уҡыусыларының 85 проценты йыл һайын «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә эшкә урынлаша. Бөгөн бында 200 самаһы кеше белем ала. Улар токарь, механик йыйыу слесары, киң профилле станоксы, программа менән идара ителеүсе станоктар операторы, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы-кондитер һөнәрҙәренә эйә була. «ӨМЭПБ» йәмғиәтенең база предприятиеһы менән берлектә уҡыу-производство комплексы үҫеше нигеҙендә юғары технологиялы авиадвигателдәр етештереү өсөн квалификациялы эшселәр һәм белгестәр әҙерләү буйынса инновацион программа әҙерләнгән. Башлыса тап ошоноң арҡаһында 2008 йылда училище инновацион белем биреү программаларын индереүсе башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениелары араһында үткән икенсе бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан. Бөгөн училищеның проблемалары ла етәрлек. Шуларҙың береһе – йәштәрҙең эшсе профессияларын үҙләштерергә теләмәүе. — Совет заманында уҡыусылар контингенты күберәк ине, - ти училище директоры Иршат Ғәлимов. – Бөгөн иһә эшсе белгеслектәренең абруйы ҙур түгел. Йәштәр түләп булһа ла колледждарға һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә тырыша. Беҙгә йыш ҡына башҡа уҡыу йортона инә алмағандар килә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында эшсе профессияларға ихтыяж ҙур. Бик йыш шулай килеп сыға, түләүле юғары белем алған кешеләр эш таба алмай һәм эшсе һөнәре алыр өсөн училищеға килергә мәжбүр була. Һөнәрселек-техник училищеларының беҙҙең көндәрҙәге икенсе проблемаһы– бюджет тәьминәтенең үтә түбән булыуында. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған уҡыусыларҙың туҡланыуына училищеның республика ҡаҙнаһынан алған дотацияһы көнөнә 10 һум 45 тин тәшкил итә. Был аҡсаға егеттәрҙе туҡландырып булмауы аңлашыла. Әйкәндәй, Волга буйы федераль округында һәм дөйөм алғанда бар ил буйынса дотацияның уртаса күләме күпкә юғарыраҡ. Әгәр шул уҡ колледждар һәм юғары уҡыу йорттары үҙҙәренең финанс проблемаларын бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә хәл итә алһа, һөнәрселек училищеларының бындай мөмкинлеге юҡ. Бында түләүле төркөмдәр асып булмай, сөнки түләргә мөмкинлеге булғандар эшсе профессияға уҡырға теләмәйәсәк, ә колледж йәки вузға өҫтөнлөк бирәсәк. Һуңғы арала училищела юғары квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү проблемаһы ла бар. Әгәр совет заманында бында Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең иң яҡшы мастерҙары уҡытһа, хәҙер уларҙың береһе лә бында килергә теләмәйәсәк. Заводта уртаса эш хаҡы 18 мең һумдан ашыу, ә училищела –биш мең самаһы. Һәм ике ставкаға эшләгәндә лә, ә училищелағы уҡытыусыларҙың күбеһе ошолай эшләргә мәжбүр, уларҙың эш хаҡы республика буйынса уртаса кимәлдәге эш хаҡынан күпкә кәм. Эшсе белгеслектәренең абруйы төшөүе училище тамамлаусыларҙы көткән перспективалар менән дә аңлатыла. Уҡыуын тамамлаған йәш кеше заводҡа килгәс, тәүге арала ете меңдән әҙ генә күберәк эш хаҡы аласаҡ. Беҙҙең көндәрҙә был аҡсаға йәшәүе еңел түгел, ә ғаиләне ҡарауы бөтөнләй мөмкин булмаған хәл. Иршат Ғәлимов әйтеүенсә, сове осоронда училище тамамлаусылар кәм тигәндә 90 һум алған. Ул ваҡыттағы хаҡтар менән бындай эш хаҡы юғары һаналған. Ә тәжрибәле, юғары квалификациялы эшселәргә иһә юғары белемле белгестәр хеҙмәте менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға күберәк түләнгән. — Һөнәри белем биреү проблемалары Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссияның берлектәге ултырышында ла әүҙем тикшерелде, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был тема бар ил өсөн көнүҙәк һанала. Һәм бөгөн беҙҙең уртаҡ бурыс — эшсе профессияһының абруйын күтәреү һәм бында уҡырға килгән, һуңынан ил сәнәғәтен үҫтергән йәштәрҙең лайыҡлы тормошон тәьмин итеү. Осрашыу һуңында Президент училище уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына уҡыуҙа һәм эштә уңыштар теләне, уларҙың әлеге проблемаларының ҙур өлөшөн хәл итеүгә бөтә көсөн һаласағын белдерҙе. Автор:Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов Теги:президент маршруттарымәғариф Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идараһынан хәбәр итеүҙәренсә, яғыулыҡ төйәгән машина, юлдан сығып, юл ситенә ауған. Түгелгән яғыулыҡ янып китмәһен өсөн ҡотҡарыусылар күбек ебәргәндәр. ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, йөк машинаһы руле артында 57 йәшлек Татарстан кешеһе булған. Ул водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, “КамАЗ” бензин ташыу машинаһын йөрөткән. Өҫтәүенә, 11 куб күләмендә хәүефле йөктө – мейес яғыулығын алып китеп барған. Ярай әле үҙенә бер ниндәй ҙә зыян булмаған. Әле юл инспекторҙары был хәл буйынса тикшереү эше алып бара. omet-rb.com Хәүефле йөк алып китеп барған Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Күптән түгел урам сатында һөйләшеп торғанда ике йорт аша йәшәгән күршенең ҡыҙы, кейәүе, уларҙың ике балаһы машина менән килеп туҡтаны. Уларҙы күргәс, Фәриҙә апай күрмәмешкә һалышып, әйләнеп торҙо. Тегеләр атай-әсәйҙәре йәшәгән йортҡа инеп киткәс, “Күралмайым ошо ҡыҙҙы”, - тип уҫал итеп әйтеп ҡуйҙы. Бығаса гел яҡшы һүҙен ҡушҡан күрше ҡатындан бындай хәбәр ишеткәс, бер аҙ аптырап киттем. Баҡтиһәң, күптән түгел күсеп килгән кеше булараҡ, күршеләр араһындағы был күңелһеҙ, аяныслы тарихты белмәгәнмен икән. ...Алина менән Руслан бәләкәйҙән күршеләр булып, бергә уйнап үҫә. Тора-бара бала саҡ дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Һәр хәлдә бөтә эргә-тирә уларҙың киләсәген бергә тип күрә. Күрше йәшәгән атай-әсәйҙәр ҙә бер-береһен “ҡоҙа-ҡоҙағый” тип шаяртып ала. Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ – институтҡа, егет техникумға уҡырға инә. Тиҙҙән Русланды әрме сафына алалар. Ҡыҙ менән егеттең араһын хаттар бәйләй. Тик егет әрмегә китеп, бер йыл самаһы ваҡыт үтеүгә Алина институтта уҡыған егет менән дуҫлашып китә. Русланды яратмауын, улар араһындағы хистең бары тик бала саҡтан килгән дуҫлыҡ ҡына булыуын аңлатып хат яҙа. Тик... егет был хәбәрҙе күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала. Русланды бөтә урам менән зар илап һуңғы юлға оҙаталар. Ситтә һығылып илап баҫып торған Алинаға егеттең әсәһе лә, туғандары ла бөтә уйлағанын әйтергә теләй, тик Русландың атаһы – һалҡын ҡанлы, аҡыллы Әсләм ағай алдан уларҙы ныҡ тыйған була. “Яратмағас, ниңә оҙатҡан? Ниңә хаттар яҙған? Яратмауын һуңлап аңлаған хәлдә лә, был хаҡта ҡайтҡас аңлашырға ла мөмкин ине бит...” – тип өҙгөләнә әсә һаман да. Ул ваҡиғаға тиҫтә йыл үткән. Алина кейәүгә сыҡҡан, ике балаһы бар. Алыҫ ҡалала йәшәй, һирәк-һаяҡ атай-әсәйе янына ҡайтып йөрөй. “Аҡылым менән аңлайым: ул да былай булырын, Русландың үлемен теләмәгәндер. Әммә уны күрһәм, йөрәгем урынына ҡуҙғала. Кисерә алмайым... Аҡыл менән аңлаһам да, күңел һаман әрней...” – тине Фәриҙә апай күҙенә йәш алып. Күршеләрҙең үҙ-ара аралашмауының, хатта бер-береһенә һаулыҡ та ҡушмауының сәбәбе бына ниндәй аяныслы ваҡиғаға барып тоташа икән... Эй, тормош... Фото:Т.Роза Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ulimdi--lemend-ul-ina--yeple-456507/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бер туған Маркстар (ингл. Marx Brothers) — һуғышыу, сикәләүҙәр, флирт һәм «торт бәреү» алымдарынан торған "абсурд комедияһы"на махсуслашҡан АҠШ-тың популяр комик квинтеты. Бер туған Маркстар 1957 йылда. Һулдан уңға: Харпо, Зеппо, Чико, Граучо, Гаммо Харпо һәм Чико 1959 йылда Нью-Йоркта, йәһүд эмигранттары ғаиләһендә тыуғандар. Водевиль һәм театрлаштырылған тамашаларҙа уйнайҙар, әммә донъя кимәлендә кинематограф аша танылалар. Бер туған Маркстарҙы өнһөҙ комедиялар йондоҙҙары Чарли Чаплин һәм Бастер Китон менән бер рәткә ҡуялар. ӘҙәбиәтҮҙгәртергә Волков А. Братья Маркс. — В кн.: Комики мирового экрана. М., 1966 Кино США. Актерская энциклопедия. М., 1996 ҺылтанмаларҮҙгәртергә Маркс, Братья — Кругосвет энциклопедияһынан Был актёр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
...Мират ҙур баҡса эсендә ултыра. Ҡоштар һайрай, эргәһендә сәскә түтәлдәре. Бына бер ейәнсәре, йүгереп килеп, сәйгә саҡыралар, тине. Ә Мират уйлана, икеләнә. Уның бында ултырырға, ейән-ейәнсәрҙәре менән уйнарға, хатта улар менән сәй эсергә хоҡуғы бармы? Бәй, былар бит, ысынлап, саҡыра. Икенсе яғынан ҡулын ейәне етәкләп алды: “Олатай, олатай, һине өйҙә көтәләр!” Көтәләр икән, тимәк, керергә кәрәк. Мираттың хатта тыны иркенәйҙе. Башын күтәреп, тирә-яҡты ҡараны. Күрегеҙ, ишетегеҙ, бына мине нисек хөрмәтләйҙәр! Ә кем әйткәйне әле, ҡартайғас, бер йотом һыуға тилмереп ятасаҡһың, һине берәү ҙә ҡарамаҫ, һинең урының – ҡарттар йортонда, дэддомда (“дэд” инглизсәнән – үлем – ред.) тип? Шуларға Мираттың хәҙерге тормошон күрһәтергә ине. Ана, уға ҙур бер бүлмә бирҙеләр. Үҙенең ваннаһы, башҡа уңайлыҡтары бар. Хатта эҫе көндә кондиционер эшләй. Олатайға, йыраҡ булмаһын, тип эргәһенә телевизор ҡуйҙылар. Шулай күңелле йәшәй Мират ҡарт. Әсәһе күрһә, аптырар ине. Бындай ҡәҙер-хөрмәткә әсәһе лә лайыҡ ине. Йәл, күрә алманы, иртәрәк үлеп китте. Шулай күңелле генә итеп йәшәй ине Мират, бер мәл аяғына әллә төрттөләр, әллә типтеләр, һиҫкәнеп, уянып китте. -1- -2- -3- -4- ЙӘШӘҮ ҺИНӘН КҮПКӘ КӨСЛӨРӘК Хикәйә Дүртенсе бүлек (аҙағы) ...Мират ҙур баҡса эсендә ултыра. Ҡоштар һайрай, эргәһендә сәскә түтәлдәре. Бына бер ейәнсәре, йүгереп килеп, сәйгә саҡыралар, тине. Ә Мират уйлана, икеләнә. Уның бында ултырырға, ейән-ейәнсәрҙәре менән уйнарға, хатта улар менән сәй эсергә хоҡуғы бармы? Бәй, былар бит, ысынлап, саҡыра. Икенсе яғынан ҡулын ейәне етәкләп алды: “Олатай, олатай, һине өйҙә көтәләр!” Көтәләр икән, тимәк, керергә кәрәк. Мираттың хатта тыны иркенәйҙе. Башын күтәреп, тирә-яҡты ҡараны. Күрегеҙ, ишетегеҙ, бына мине нисек хөрмәтләйҙәр! Ә кем әйткәйне әле, ҡартайғас, бер йотом һыуға тилмереп ятасаҡһың, һине берәү ҙә ҡарамаҫ, һинең урының – ҡарттар йортонда, дэддомда (“дэд” инглизсәнән – үлем – ред.) тип? Шуларға Мираттың хәҙерге тормошон күрһәтергә ине. Ана, уға ҙур бер бүлмә бирҙеләр. Үҙенең ваннаһы, башҡа уңайлыҡтары бар. Хатта эҫе көндә кондиционер эшләй. Олатайға, йыраҡ булмаһын, тип эргәһенә телевизор ҡуйҙылар. Шулай күңелле йәшәй Мират ҡарт. Әсәһе күрһә, аптырар ине. Бындай ҡәҙер-хөрмәткә әсәһе лә лайыҡ ине. Йәл, күрә алманы, иртәрәк үлеп китте. Шулай күңелле генә итеп йәшәй ине Мират, бер мәл аяғына әллә төрттөләр, әллә типтеләр, һиҫкәнеп, уянып китте. – Нимә булды? – тине санитарҙарҙың береһе. – Нимә һуҙылып ятаһың бында? Аяҡтарыңды йыйып алып булмаймы ни? Бәлтерәгән Мират, ҡулы менән үрелеп, аяғын койкаһына һалырға тырыша. Ҡартайылды шул, улары тыңлап та бармай. Мират, аптыранып, тирә-яғын ҡараны. Ә ҡайҙа улдарының өйө? Әле генә ҡоштар һайрай, түтәлдәрҙә гладиолустар, раузалар сәскә ата ине, уның етәкләп килгән ейән-ейәнсәрҙәре ҡайҙа булды? Шайтан алғыры! Һеҙ мине ҡайҙа килтерҙегеҙ? Был ниндәй тупаҫ егеттәр? – Нимә һорай ул, нимә кәрәк? – тине санитарҙарҙың береһе. – Уф, ҡасан ошолар ҡырылып бөтә инде?! – тине икенсеһе. – Ҡысҡырып, матур итеп әйт, нимә кәрәк? Береһе ҡарттың эргәһенә килеп эйелде. – Ҡара, ейәндәрен һорай. Ха-ха-ха! Ейәндәре иҫенә төшкән. Айыу һымаҡ егеттәр Мират эргәһендә ятҡан ҡартты, ҡайҙалыр алып барыр өсөн, кейендерә башланы. – Ипләп, Славик, беҙҙе лә шундай уҡ ҡартлыҡ көтә, – тине береһе. – Ә һин шулай оҙаҡ йәшәргә уйлайһыңмы? – тип һаһылданы икенсеһе. – Белеп булмай. Бәлки йәшәргә тура килер. – Бындай көнгә ҡалғансы, ят та үл инде. Был ҡарттың бер кешеһе лә юҡмы ни? – Берәйһе булһа, бында ятмаҫ ине. – Баяраҡ мин ҡағыҙҙарын ҡарап ултырғайным, Өфөлә өс улы бар. Юҡ, береһе лә ҡарарға теләмәй, ти. – Бына шулай, Славик, ғүмер буйы ашатаһың, эсерәһең, кейендерәһең, бил бөгәһең, ә аҙаҡ улар һине ошонда килтереп һала. Ғәҙел түгел. – Ата-әсәһен ҡарамағандар өсөн берәй закон юҡмы ни шунда? Мөлкәттәрен конфискациялап, үҙҙәрен ултыртып ҡуйырға кәрәк! – Ҡайһылай дөрөҫ әйтәһең, депутаттарға шул хаҡта еткерергә ине. – Бына шулай! Ярай, тәғәйен урынына алып барып, йыуындырып алып киләйек. Ике саниттар Миратты елтерәтеп, коляскаға ултыртты ла, сығып китте. Мираттың аңы ваҡыт-ваҡыт асылып китә. Ул саҡта, түҙеп кенә тор, үткән тормошо кино-картина һымаҡ, күҙ алдынан үтә лә үтә, үтә лә үтә. Ябай кино түгел был. Нисек йәшәгән, ни өсөн йәшәгән, барыһын да күрһәтә. Мул ғына йәшәне. Әсәһенән, атаһынан ике фатир ҡалды. Өс тапҡыр өйләнде, малайҙары ҡалды. Байтаҡ байлыҡ тупланы, бөлдө, яңынан аяҡҡа баҫты. Юҡ, был кино ғәҙел түгел, тине Мират үҙенең тормошон, күргән һайын. Ә ниңә туҡтауһыҙ аҡса һанағанын күрһәтәһегеҙ? Ул бит шул аҡсанан алимент түләне, балалар тәрибәләне, шуларҙы үҫтерҙе. Дөрөҫ, һирәгерәк барғандыр, әҙерәк тә ярҙам иткәндер, ләкин бер ваҡытта ла буш ҡул менән йөрөмәне. Санитарҙар Миратты һөйрәп, тигәндәй, йыуыныу бүлмәһенә алып керҙеләр ҙә, ваннаға ултыртып, өҫтөнә һыу һиптертә башланылар. Һалҡын һыу ҡарттың ҡулдарын күтәрҙе, битен ҡапларға мәжбүр итте. – Ниңә йылы һыу ҡушмайһың? – тип ҡысҡырҙы санитарҙарҙың береһе икенсеһенә. – Беҙҙең әсәй, бәләкәй саҡта, ҡусты ыштанын бысратһа, һалҡын һыу менән йыуығыҙ, үҙенә нимә кәрәген әйтергә өйрәнһен, тип әйтә торғайны. Бәлки шуны белер. Һалҡын һыуҙан зәп-зәңгәр булған ҡартты киренән арбаһына ултырттылар ҙа, бүлмәһенә оҙатып ҡуйҙылар. – Ә был ҡарттың йәш сағында нисек булғанын беләһеңме? – тип һорай береһе икенсеһенән. – Ишеткәнем юҡ, нимә һөйләйҙәр? – Бай булған, аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән. Хәҙер малайҙары кинәнә икән. Теге элиталы ҡаласыҡтарҙың береһендә ҙур итеп өй төҙөгәндәр, өс ҡатлы, ти. Унмы, ун икеме бүлмә, һәр береһенә – айырым ванна. – Ә был ҡартҡа урын табылмағанмы? – Юҡ шул, тапмағандар. Ошонда килтереп ташлағандар. – Ҡуй инде. Хәҙер беҙ уның ... таҙартып йөрөйбөҙ. Шул да булған тормош! Ҡартты урынына керетеп һалдылар. Ул көс-хәл менән юрғанын ябынды ла, ойоған һымаҡ итте. – Телевизор ни эшләп эшләмәй ул? – Мират ҡарт санитарҙарҙың береһенә шулай тип өндәште. – Нимә кәрәк? – Телевизор һорай. Да, был ҡарт оҙаҡ йәшәр, ахыры. Һаман телевизор ҡарап туймаған. – Телевизор кәрәк, тиме? Әфлисун менән мандарин кәрәкмәйме? Икәүләшеп һаһылдаштылар. – Ярай, телевизор булыр. Телевизор ҡарап туйһаң, смартфон, планшет килтерербеҙ. – Ҡара уны, тағы эш боҙма! Һалҡын һыу әҙер. Икәүләшеп, тағы бер һаһылдаштылар ҙа, күршеләге бүлмәгә күстеләр. Миллионлы ҡала үҙ тормошо менән йәшәй. Төҫ-ҡиәфәте менән Миратҡа оҡшаған урта йәштәрҙәге бер ир телефон аша һөйләшә: – Һеҙ, атайығыҙҙың хәле тураһында, ай һайын шылтыратып әйтеп тороуҙы һорағайнығыҙ. – Эйе, ҡарттың хәле нисек? Тиҙ генә һөйләгеҙ, минең ваҡытым юҡ. – Атайығыҙҙың хәле уртаса. Бер үҙен ҡарар өсөн, икешәр санитар йәлеп итергә тура килә. Шуға, беҙҙең сығымдарҙың үҫеүен иҫәпкә алып, атайығыҙға тәрбиә ҡылған өсөн, аҡсаны күберәк туләүегеҙҙе һорайбыҙ. – Пенсияһы тулыһынса һеҙгә күсерелә, һеҙ шуны етмәй, тиһегеҙме? – Етмәй. Ни өсөн етмәй? Сөнки ул бик аҙ эшләгән, стажы етерлек булмаған. Пенсияһы ла шуныңса сыға. – Ундай ялыуҙар менән Пенсия фондына, йә Хөкүмәткә йөрәжәғәт итегеҙ! Миндә артыҡ аҡса юҡ! – Ә беҙгә күп кәрәкмәй. Ун мең күсерһәгеҙ, шул еткән. – Ярай, хат менән ун меңгә счет ебәрегеҙ. – Рәхмәт! Һау булығыҙ! Мират ҡарт һаман төш күрә. Төш түгел инде, бер оҙон, бөтмәҫ кино. Ҡара әле, бынау баҡсаның матурлығын әйт! Мират ҡарт ҡайһылай бәхетле! Рәхмәт яуғыры! Балалары уны шул тиклем ярата... Аҙағы. ------------------------ Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Башҡортостанда халыҡ өсөн файҙалы "Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә барған сарала Күсмә һаулыҡ һаҡлау үҙәктәре, ФАП-тар, флюорографтар һәм маммографтар, Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша. ҺЕҘҘЕҢ ЯҠТАРҒА ЛА КИЛЕП СЫҠҺАЛАР, ҺАУЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ҠАРАТЫП ҠАЛЫҒЫҘ Башҡортостанда халыҡ өсөн файҙалы "Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә барған сарала Күсмә һаулыҡ һаҡлау үҙәктәре, ФАП-тар, флюорографтар һәм маммографтар, Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша. Ә хәҙер – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр иткән һандар. Акция башланғандан алып йәмғеһе 30502 кеше ҡаралған, 19118 тикшереү, шул иҫәптән 13633 флюорография, 5485 маммография, үткәрелгән. 2119 кешенең ҡанында глюкоза кимәле күтәренке булыуы, 2006 кешенең ҡанында – артыҡ холестерин, 3906 пациентта юғары ҡан баҫымы, 2446 кешенең ауырлығы тейешленән артыҡ булыуы асыҡланған. 106 осраҡта – яман шеш, 146 – шәкәр диабеты һәм 33 туберкулез булыу ихтималлығы билдәләнгән. Һаулыҡ торошо шик аҫтына ҡуйылған кешеләргә диагнозды раҫлатыу һәм дауаланыу өсөн артабан тикшерелеүгә йүнәлтмәләр бирелгән. Биш маршрутта йөрөгән бригадалар эшен тамамлаған. Нефтекама маршруты, 3 ноябрҙә Дүртөйлө районында эшен тамамлап, 5 – 10 ноябрҙә Илеш районында дауам итәсәк. Табиптар килеүе тураһында ғәҙәттә район гәзиттәре аша халыҡҡа мәғлүмәт еткерелә. Ҡабул итеү «йәнле сират» буйынса бара. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы эшен быйыл 10 ноябрҙә тамамлай. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 №49, 8 - 14 декабрь, 2018 ЫШАНЫСЛЫ БАҪМА Бала саҡтан уҡырға яраттым. Өйгә килгән район гәзитен барыһынан да алдараҡ уҡыр өсөн хат ташыусыны тышҡа сығып көтөп йөрөр инем. Үҙемдең донъямды ҡорғас та, гәзит-журналдарҙы күп алдырҙым. Ләкин йылдар үтеү менән уларҙың һаны ҡыҫҡарҙы. Эш бында яҙылыу хаҡының ҡиммәт булыуында ла түгел (әлбиттә, ул да үҙ ролен уйнай), ә уларға булған ышанысымдың кәмеүендә. Ташҡа баҫылған һәр хәреф, өтөр өсөн яуаплы икәнен онотоп китә ҡайһы бер баҫмалар. Уға өҫтәп, өҫтән-мөҫтән генә яҙылған мәҡәләләрҙең күбәйеүе, төплө тикшерелмәгән, ә күберәген имеш-мимешкә таянған мәғлүмәткә урын бүленеүе, мәсьәләгә бер яҡлы ғына ҡараш - ошондай етешһеҙлектәр ваҡытлы матбуғат сараларының бәҫен төшөрә, уҡыусыны ситкә этәрә. Һанап үтелгән кәмселектәрҙе үҙем яратып уҡыған "Киске Өфө"лә осратҡаным юҡ былай. Был баҫмала нигеҙле фекерҙәр ярылып ята. Бөгөн бөтә өлкәлә лә тәнҡит көслө. Гәзит-журналдар ҙа был күренештән ситтә ҡалмай. Ләкин тәнҡиттең дә төрлөһө бар - кешене бөгөп һалырҙай аяуһыҙы ла, уға үҙенең ҡылығы, хәбәре тураһында уйланырға этәргес булғаны ла. "Киске Өфө"ләр иһә әҙәпле һәм тәрбиәле генә итеп тәнҡитләү һәләтенә эйә булыуҙары менән алдыра. Баҫмалағы күп төрлө рубрикалар араһында иң яратып уҡығаным - "Заман башҡорто". Башҡортомдың тарихында үҙ исемдәрен яҡты эҙ итеп ҡалдырыр милләттәштәребеҙ хаҡында яҙып барыуығыҙ бик тә урынлы, сөнки улар йәштәргә үрнәк, ә ололарға ғорурлыҡ. Төрлө үләндәр менән ҡыҙыҡһынған кеше булараҡ, "Халыҡ дауа"һын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам. Ғөмүмән, һаулыҡҡа бәйле бөтә яҙмалар ҙа уҡымлы. Тарих менән әллә ни ҡыҙыҡһынмаһам да, гәзиттәге ошо йүнәлештәге һәр мәҡәлә менән танышып барам һәм үҙем өсөн күп мәғлүмәт алам. "Тарихнамә" - ошо өлкәлә махсус шөғөлләнмәгән кеше өсөн кәрәкле бит. Ҡыҫҡа, ләкин шул уҡ ваҡытта бай мәғлүмәтле ул. Ҡайһы бер теләктәремде лә әйтеп үтәйем. Үҙ баҫмағыҙҙа халыҡты иҡтисади, хоҡуҡи өлкәләге яңылыҡтар менән таныштырып барыуығыҙ яҡшы булыр ине. Бигерәк тә һалым, банк эшмәкәрлеге, ипотекаға бәйле һорауҙарға аңлатмалар биреүсе рубрикалар булдырыу үҙен аҡлар. Шулай уҡ ҡануниәтте белмәү һөҙөмтәһендә күптәр төрлө күңелһеҙ хәлдәргә тарый; тимәк, "Һорау - яуап" рубрикаһын яңынан тергеҙеү бик урынлы булыр. Республикала күп балалы ғаиләләр бихисап. Улар хаҡындағы яҙмалар ҙа гәзит уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы булмаҡсы, минеңсә. Шулай уҡ фермерлыҡ, баҫыу эше менән булған эшһөйәрҙәр тураһында ла күберәк уҡығы килә. Шәриф СӨНӘҒӘТОВ. ҡала хакимиәтендә ЙӘШБЕҘ ҘӘ УЛ ТИК ҠАРТБЫҘ ШУЛ... Әммә медицина, мәғариф һ.б. өлкәләрҙәге кадрҙар ҡытлығына, төрлө тармаҡтарҙа хаҡлы ялдағы йәки пенсия йәшенә етеп барыусылар эшләүенән һәм йәштәрҙең күпләп ситкә китеүенән сығып ҡарағанда, ҡыуанырлыҡ һандар юҡ. тарихыңды таныт... КҮПТӘН БИЛДӘЛЕ ХӘҠИҠӘТ, ЙӘҒНИ IX-X БЫУАТТАРҘАҒЫ БАШҠОРТ ҠАЛАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА Ул ваҡытта башҡорттар бөтә Көньяҡ Урал территорияһын биләп йәшәгән һәм үҙҙәренә яҡын һәм алыҫыраҡ күршеләре менән әүҙем иҡтисади-сауҙа, мәҙәни, сәйәси бәйләнешкә ингән. хәтер яңыртып... АҒАЙҘАРЫБЫҘ - ДӘРӘЖӘ ТОТ ҠАН, Ә БЕҘ УЛАРҘЫ ХӨРМӘТЛӘЙ БЕЛГӘН БЫУЫН БУЛДЫҠ Тәнҡитһеҙ үҫеш тә юҡ - уныһы билдәле. Яҡшы тәнҡит ижадсыны тейешле ыҙанға төшөрә белергә тейеш. Бөгөнгө әҙәбиәтте әрһеҙҙәр, йылғырҙар, һәләтһеҙҙәр баҫып алды. Был мине бик борсой. ҡыҫҡа әңгәмә БЕҘҘӘ ЛӘ ҺӘР ТЕАТРҘАҒЫ КЕҮЕК Бына бит телдең көсө, ҡөҙрәте ҡайһылай: кешегә ҡағылмайынса ла арауыҡ аша яман һүҙ, әшәке әр менән түбәнһетеп, кәмһетеп, уны йә өнһөҙ балыҡҡа әүерелдереп була… йә аңра һарыҡҡа! һай, башҡорт аштары! ОҘОН-ОҘОН АҒАЙҘАР КИЛЕР, ҺУҒЫМЫҢ ҠАЙҘА, ТИЕР... "Һуғым-һуғым" тип һөйләһәк тә, ул һуғымдың нисек һуйылғанын һәм эшкәртелгәнен беләбеҙме беҙ? Ошо темаға тотонғас, таныштарымдың күбеһенән һораштым - береһе лә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. афарин! РОМАНДЫҢ СӘХНӘ ЯҘМЫШЫ Республиканың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә башҡорт театрҙары репертуары яңы әҫәрҙәр менән тулылана. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы ла шундайҙар рәтенән. Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Красноусол мәсетендә дини уҡыуҙар башланды.Ҡатын-ҡыҙҙар уҡыуы кесе йома 16.00 сәғәттә, йома 14.30 сәғәттә, йәкшәмбе 9.00 сәғәттә башлана. Красноусол мәсетендә дини уҡыуҙар башланды. Ҡатын-ҡыҙҙар уҡыуы кесе йома 16.00 сәғәттә, йома 14.30 сәғәттә, йәкшәмбе 9.00 сәғәттә башлана. Ирҙәр өсөн дәрестәр шаршамбы һәм йомала 19.00 сәғәттә башлана. Теләүселәрҙең һәммәһен дә көтөп ҡалабыҙ. Рауил хәҙрәт, имам-мөхтәсиб. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Йәйгеһен, моғайын да, дарыу үләндәрен, емеш-еләк йыйып, киптереп алғаһығыҙҙыр, хөрмәтле дуҫтар. Хәҙер инде көндәр һыуытып, киҫкен респираторлы- вируслы инфекциялар, киҙеү осоро аҙырға торғанда, әҙләп кенә булһа ла, емеш-еләк ҡайнатмаһы менән шифалы үлән сәйҙәрен эсә башлайыҡ.Һары мәтрүшкә Уны һәр төрлө үләнгә ҡушып, сәй кеүек ҡайнатып эсәләр. һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы.Юл япрағы Был үҫемлек тә тамаҡ ауыртҡан, йүткергән мәлдә шифалы һанала.Ромашка (аҡ сәскә, болонкүҙ)Ромашканы сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар. Ҡара ҡарағат, ҡурай еләге Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Емештәрен киптереп тә, туңдырып та һаҡлайҙар. Көнөнә алты бөртөк ҡарағат ашау организмды көндәлек С витамины менән тәьмин итә.Ҡурай еләге һәм ҡарағат сәйен эсеү һалҡын тейгәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт. Миләш Витаминдар хазинаһы миләште, бик әсе булғанға, ҡайһы берәүҙәр яратып еткермәй. Уның витаминдар хазинаһы икәнлеген онотоп ебәрәләр, күрәһең. Миләш каротиндарға һәм антициан ҡушылмаларға, А һәм С витаминдарына, пектинға һ.б. бай. Еләгендәге витаминдар, органик кислоталар, микроэлементтар тиҫтә ярымдан артып китә. Ҡан системаһы боҙолғанда, таштар булғанда, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғанда бик файҙалы, бигерәк тә балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә шифалы. Йәйгеһен, моғайын да, дарыу үләндәрен, емеш-еләк йыйып, киптереп алғаһығыҙҙыр, хөрмәтле дуҫтар. Хәҙер инде көндәр һыуытып, киҫкен респираторлы- вируслы инфекциялар, киҙеү осоро аҙырға торғанда, әҙләп кенә булһа ла, емеш-еләк ҡайнатмаһы менән шифалы үлән сәйҙәрен эсә башлайыҡ. Һары мәтрүшкә Уны һәр төрлө үләнгә ҡушып, сәй кеүек ҡайнатып эсәләр. һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы. Юл япрағы Был үҫемлек тә тамаҡ ауыртҡан, йүткергән мәлдә шифалы һанала. Ромашка (аҡ сәскә, болонкүҙ) Ромашканы сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар. Ҡара ҡарағат, ҡурай еләге Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Емештәрен киптереп тә, туңдырып та һаҡлайҙар. Көнөнә алты бөртөк ҡарағат ашау организмды көндәлек С витамины менән тәьмин итә. Ҡурай еләге һәм ҡарағат сәйен эсеү һалҡын тейгәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт. Миләш Витаминдар хазинаһы миләште, бик әсе булғанға, ҡайһы берәүҙәр яратып еткермәй. Уның витаминдар хазинаһы икәнлеген онотоп ебәрәләр, күрәһең. Миләш каротиндарға һәм антициан ҡушылмаларға, А һәм С витаминдарына, пектинға һ.б. бай. Еләгендәге витаминдар, органик кислоталар, микроэлементтар тиҫтә ярымдан артып китә. Ҡан системаһы боҙолғанда, таштар булғанда, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғанда бик файҙалы, бигерәк тә балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә шифалы. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Әлеге етди булған мөнәсәбәте куньмингә Танышыу өсөн түләүһеҙ, никахҡа, романтик Танышып, аралашыуҙы, дуҫлыҡты һәм ябай Мәҫәлән, мәжбүри флирт Сайтына кереп йәки теркәлгән булған, Теркәлгән, социаль селтәрҙәр аша теләгәндер. Профиль төҙөлә башлаған һәм бөгөн Үк үҙем уҡыйым. Беҙ һеҙҙең белдереп, һеҙгә именлек Һаҡлау шәхси мәғлүмәт тулы. Беҙ һеҙҙе бер кем дә Гарантия бирә һезгә һәм контакт Мәғлүмәттәрен хәбәр анонимность. Һеҙ аласыз, күбер... Интернет-чат. гвадалахара Ҡаты булһа, бөгөн теркәлгән Бик күп билдәле Гвадалахара-ҡыуаҡлыҡтарҙа, Парктарҙа һәм баҡсаларҙа, тирә-яҡ Пейзаждары менән тулы гармония урынлашыр Төп иҫтәлекле урын булып тора Сиркәү сан-франциско һәм Санта-Моника, Студияла-Хосе Ороско исемендәге музей. Дустар һәм таныштар эҙләне, ҡыҙыҡлы Әңгәмәләр, яратҡан кеше. Сайтта теркәлеп, үҙ йүнәлешемде булдырыу, Осрашыуҙар һәм өҫтәп ҡыҙыҡһына башлай. Онлайн мең кеше менән осрашып, Һөйләшеү һәм һәр көнөнә ғашиҡ. <... Танышырға - Франция, Бесән Яр 56 иғлан 000 ашыу уникаль Иғлан таҡтаһы баштар темпы арта Бара, хатта бер нисә сәғәт Түгел, минуты минутта уҡ ҡарап тораХәҙер беҙҙең сайтта төрлө темаларға Иғлан 56 000 ашыу уникаль. Яндекс эҙләү системаһы эшләй иң Мөһим һәм бик йылдамыраҡ индексациялау Иғлан иғлан урынлаштырған. Темалар иғлан бөгөн һеҙ ебәргән, Һеҙҙең фикерләр потенциаль һатып алыуҙары Сайтында һалҡындар генә түгел, әммә Бөтә популяр һәм эҙләү системаһы, Баҫма индексировать көнө. Ҡотлау менән 75-летию победы... Припарка ауыҙ Pfalz Sextreffen Landau йоҡо бүлмәһе буш булмаҫ Мин ҡатын-ҡыҙ обладательный, тәьҫораттар спонтанный өсөн саф һауаМин эҙләү иғлан менән минең сейфта"улар парковка өсөн мажаралары". Мин уйлайым, һеҙ осязать, төрлө спорт сөнки беҙҙең юлды ҡыуа. Сөнки мин үҙем күрһәтмәләрен патологически трибуна тиерлек ҡуйыла, был хәл мин Рейнланд-Пфальц, - тип, мин урындан идара. Әйткәндәй, был теләк мин йыл әйләнәһенә йәшәй. Ә мин был осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көткән был идены Ландау Кобен Высочество, ул һә... Менән таныша YouTube Ғаилә яҡынлығы"- кесаҙна Сара ваҡытында уҡыу йәш Баратзаде Саида Кари"Ҡөрьән менән таныштыра"декламатор икенсе бөтә донъяға билдәлеМин бөгөн ғаилә темаһын фильм менән шөғөлләнә. Ни өсөн ул шулай тип таныштыра һәм күҙәтеү һәм сериал өсөн бигерәк тә мөһим роль уйнай. Мин кешеләр билдәләргә, ниндәй яҡынһың һин. Бөгөн һин аңлата Мейер Джойс, тип тулы ышаныс һәм тәрән һәм вера худайға. Һаман бер нәмә лә лилль теләйем I: i үҙем оҙаҡ асыу өсөн тәүге сәғәт менән һөй... Ғәрәп Ҡатын-Ҡыҙ Көндәлек Танышты Онлайн Төнгө Мин егет, тыуған, донъяла иң бәхетле минмин ирекле теләсә ҡайһы мәлдә кәрәк һезгә, һеҙҙең өсөн эшләгән ханым, һеҙҙең иң бәхетле ханым эшләр өсөн дөйөм алғанда. Мин уга егет. Мин егерме һигеҙ йыл к леди етди эҙләнеүҙәр, сәләм өсөн өйләнеп, улар онлайн иң яҡшы ысул менән таныштырҙы. Ниндәй ҡыҙ менән аралашыуы бик еңел түгел. был ирекле сауҙа үҙәге урамдарында йәки ғәрәп, әгәр ҙә һеҙ уны электән белә. Шулай итеп, һеҙҙең ябай һөйләне ул. юғары һәм мәҡәләләр сайтында... Утырып булмай чатта теркәлергә Ябай тел менән башҡа һөйләшкән кешеләр менән танышып, яңы дуҫтар йәки чатта? Һеҙ бында ҡунаҡ сифатында аралашыу мөмкинлеге булдыбез теркәлгән. Һеҙ аласаһы шунда уҡ бөтә ҡала ҡатнашып килгән, һәм улар өсөн улар менән күреп һөйләшеү. Быны кеше генә түгел, Германия, Швейцария һәм Австрия, һәм һеҙ, бәлки, әммә бөтә илдәрҙең кешеләре менән аралашырға тура эфир аша видеочить. Һеҙ виртуаль белемле белер, кешеләр тураһында бик аҙ билдәле, ул һеҙҙең әйтеү менән, шунда уҡ һәм башҡа кешеләр тураһ... Сайтында танышырға Австралияла, яңы Ел үҙ паруса тотто Шулай уҡ хәбәрҙе бөтөрөп, дөйөм Сайтында, мәҫәлән: унда үҙенең кретин Эйе, был иң яҡшы нәмә Сайт, с сайта - намыҫһыҙ эш Алымдары, Бөтә агентлығы - бушамағас, мин Унда 3 көн буласаҡ, һәм Мин унда юҡ түгел йәлләмәй20 йыл аша һиңә үкенеп Тураһында күберәк булыр, тип эшләһә Лә, нимә тураһында һөйләргә, тип эшләгән. Бына һиңә кәрәк булһа тихая Гавань убираться якорь һәм ни Өсөн күтәреп. Ҡулланыу. Хыяллана. Тишек яһай. Ҡыҙ баланы, зинһар, кәңәш ме... Менән Виртуаль аралашыу Өсөн бушлай Иғлан Мәскәүҙә теркәлгән ҡыҙ менән танышып Булмаған, мәскәүҙә етди мөнәсәбәт менән Танышыу өсөн ҡыҙҙар, ҡыҙҙар өсөн Мәскәү буйлап сәйәхәт менән таныштырҙы, Интим өсөн секс менән ҡыҙы Мәскәүҙә танышаМәскәүҙә таныша, ҡатын-ҡыҙ менән Таныштырыу, санкт-Петербургта, новосибирскиҙа ҡатын-Ҡыҙ менән таныша, ҡатын-ҡыҙ Менән танышып, екатеринбург, түбәнге новгород Ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар менән танышты, Ҡатын-ҡыҙ менән танышырға Ҡазан, Омск ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар менән Танышты, ҡатын-ҡыҙ менән таныша. һ... Менән таныша Теркәү бушлай Яңғыҙ, мин телем был Ви Мин һинең яҙған номерға шылтыраттым, Һәм мин, мөмкин булһа, беҙ Осраша алманыҡСәләм барлыҡ, кем минең уҡытырға, Үҙ половинка әгәр һеҙ уны Тапманым әле, бында ҡарай, был сайтта. Без проблема, һәм 30, 40 Һәм мөнәсәбәттәр менән ир-аттар Өсөн осраша. Был проблеманы, йәғни, һәр бер Тапҡыр: дуҫтарым ҡаршылай өмөтләнеп, туғандаш Йән, хатта бүлеү идеяһын сумасшедший Һәләтле, бартер ҡулланырға була. Йәғни иллюзияларҙан аҫтында көсөнә инде Һәм сәскә атыу түгел, ... Сайтында Танышырға өсөн Бушлай йәшкә Антверпен ҡала, Бельгия Мин профессиональ тенниссы, 7 телФотограф мин бөйөк, сәйәхәт, аш-һыу әҙерләү, Музей һәм күргәҙмә ойошторолдо, шиғырҙар яҙа. Һеҙ көнө-төнө интернетта биттәр антверпенда. Һеҙ бында теркәлгән булған өсөн кешеләр көсө Менән бушлай таныша ала антверпенский. Һеҙ аласаһы инеү поминутный пар теркәлгән һуң, Һеҙҙең менән аралашып, тереләй. Осрашыу бөтәбеҙ өсөн антверпенда бәхетле, өмөт, мөхәббәт Һәм башҡа күп, никах һәм супружество. Теркәлде, осрашыуҙар тора. Бушлай. Хеҙмәт Ог-Огзылэсь воргоронъёс Бихар: дунтэк Регистрация чатрулетка онлайн веб ч рулетка 18 видеочивать 18 видеочивать рулетка альтернатива видеочить видео танышып аралашыу ч-ике рулетка 18 ч башҡа рулетка фото бушлай таныша ҡыҙы менән бушлай онлайн видео чат
Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 25-се ултырышы башланды. Уның эшендә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары ҡатнаша. Ултырышта шулай уҡ федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы Секретариатының һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһы суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар. Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә 35 мәсьәлә, шул иҫәптән 22 республика һәм өс федераль закон проектын ҡарау, БР-ҙа Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең докладын тыңлау, мировой судьялар һайлау һәм башҡа мөһим мәсьәләләр. Ултырыш БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың сығышын тыңлауҙан башланды, ул 2009 йылда республика ауыл хужалығын үҫтереү һәм 2008-2012 йылдарға ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында доклад яһаны. Докладта ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү, ауыл хужалығына эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, ауыл хужалығының өҫтөнлөклө тармаҡтарын үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү кеүек мәсьәләләр ҡарала, шулай уҡ 2010 йылға республика ауыл хужалығы үҫешенә прогноз яһала. Автор:Николай Ермоленко Теги:бр дәүләт йыйылышында Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Был фатирҙа бөгөн һәр көн була торған байрам һымаҡ. Өй йыйыштырылған, иҙән йыуылған, хатта тәҙрәләге шаршауҙар ҙа асылған. Ә аш бүлмәһенән сыҡҡан тәмле еҫтәр тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Был байрам көҫәү шатлығын хатта бесәй ҙә һиҙә һәм үҙенә аш һалғандарын түҙемле генә көтә. Сәйҙә күңелле генә итеп көйләп, һалма ҡырҡа. Шул арала ҡайнаған ашына күҙ һалырға,ишек ҡыңғырауын тыңларға ла өлгөрә. Ә инде ун йәшлек ҡыҙҙары Айгөл хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ире бая ғына: “Ҡалаға яҡынлашып киләм. Машинаны гаражға ҡуям да, туп –тура – өйгә”, – тип ҡыуанып шылтыратты. Ғәлинур, ҡыуанмай ни, аҙнанан ашыу командировкала булды бит. Сәйҙә күңеленән генә ире йөрөгән маршрутты ҡабатлай. М-5 трассаһынан Шаҡшаға боролһа, бер сәғәттән гаражына ҡайтып етә, аҙаҡ бер сәғәт – бында, бына-бына килеп инергә тейеш. Ул арала булмай, еңел генә итеп ишек асылды һәм Ғәлинур килеп инде. – Әйләнеп ҡайтыуҙарың менән, батырым минең! – тип Сәйҙәһе ҡосаҡлап алыуға Айгөлө килеп йәбеште. Тик Ғәлинур кәйефһеҙ, йөҙө бик арыған. Бая ғына күңелле итеп шылтыратҡан иренә нимә булған ул? Үҙгәреште ҡатынының йөрәге шунда уҡ һиҙҙе. – Мин арыным, – тине Ғәлинур. Ҡыҙын бер күтәреп яратты ла, ваннаға инеп китте. Сәйҙә аптыранды. Ун йыл йәшәйҙәр, үҙен ун ике йылдан ашыу белә, иренең холҡона һаман да төшөнә алмай. Ярай, йыуынам ти икән, йыуынһын. Бына ҙур таҫтамал менән һөртөнөп килеп сыҡты, ә үҙе ҡатынына ла, ҡыҙына ла әйләнеп тә ҡарамай. Холҡон күрһәтәме икән? Һәр ваҡыт Ғәлинур өйөнә ашҡынып, һағынып ҡайта торғайны. Күҙ менән ҡаш араһында, нимәлер булды. Үҙе, йөҙө боҙолоп, ваҡыт-ваҡыт телефонына ҡарап ҡуя. – Йәшермә, әйт, һиңә нимәлер булған, – тине Сәйҙә, – әллә яҡындарыңдан берәй хәбәр бармы? – Юҡ, булһа ла, һин ярҙам итә алмаясаҡһың, – тине Ғәлинур. Бер һүҙ өндәшмәйенсә, шым ғына ашанылар. Бәлеште лә ауыҙ иттеләр, тик маҡтаусы табылманы. Аҙаҡтан Ғәлинур ауыр итеп уфтанды ла: – Сәйҙә, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, – тине. Был шартлы ишараны Сәйҙә ире командировканан ҡайтҡан һайын ишетә. Ябай ғына аңлатһаҡ, ошо һүҙҙәр – Айгөлдө урамға ебәреп тор, тигән һүҙ. Сәйҙәнең күңеле күтәрелде, ул иренә мут ҡына ҡараш ташланы. Тәҙрәнән балалар майҙансығына күҙ һалды. Көн матур, унда уйнаусылар етерлек. Ана, балаларҙы йыйып, Гөлиә инәй нимәлер өйрәтә. Әлдә шул әбей бар, бөтәһенә күҙ-ҡолаҡ булып тора. – Айгөл, ҡыҙым, урамда уйнарға теләмәйһеңме? – тине әсәһе. – Ә мин атайымды күреп тә өлгөрмәнем, – тип һылтау табырға тырышты ҡыҙы. – Өлгөрөрһөң, ҡыҙым, әле ул бер аҙна буласаҡ. Ҡыҙҙары уйынсығын алды ла, урамға ашыҡты. Айгөл урамға сығыуға, уның эргәһенә Гөлиә инәйе килде: – Айгөл, ҡыҙым, әсәйең сыҡмаймы ни? – Атайым ҡайтты, әсәйем уның менән һөйләшә, – тине хәйләһеҙ ҡыҙ. – Аңлашылды, – тине ҡарсыҡ, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы. -1- -2- -3- -4- ОҘОН-ОҘОН ЮЛДАРЫМ Хикәйә I бүлек Был фатирҙа бөгөн һәр көн була торған байрам һымаҡ. Өй йыйыштырылған, иҙән йыуылған, хатта тәҙрәләге шаршауҙар ҙа асылған. Ә аш бүлмәһенән сыҡҡан тәмле еҫтәр тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Был байрам көҫәү шатлығын хатта бесәй ҙә һиҙә һәм үҙенә аш һалғандарын түҙемле генә көтә. Сәйҙә күңелле генә итеп көйләп, һалма ҡырҡа. Шул арала ҡайнаған ашына күҙ һалырға,ишек ҡыңғырауын тыңларға ла өлгөрә. Ә инде ун йәшлек ҡыҙҙары Айгөл хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ире бая ғына: “Ҡалаға яҡынлашып киләм. Машинаны гаражға ҡуям да, туп –тура – өйгә”, – тип ҡыуанып шылтыратты. Ғәлинур, ҡыуанмай ни, аҙнанан ашыу командировкала булды бит. Сәйҙә күңеленән генә ире йөрөгән маршрутты ҡабатлай. М-5 трассаһынан Шаҡшаға боролһа, бер сәғәттән гаражына ҡайтып етә, аҙаҡ бер сәғәт – бында, бына-бына килеп инергә тейеш. Ул арала булмай, еңел генә итеп ишек асылды һәм Ғәлинур килеп инде. – Әйләнеп ҡайтыуҙарың менән, батырым минең! – тип Сәйҙәһе ҡосаҡлап алыуға Айгөлө килеп йәбеште. Тик Ғәлинур кәйефһеҙ, йөҙө бик арыған. Бая ғына күңелле итеп шылтыратҡан иренә нимә булған ул? Үҙгәреште ҡатынының йөрәге шунда уҡ һиҙҙе. – Мин арыным, – тине Ғәлинур. Ҡыҙын бер күтәреп яратты ла, ваннаға инеп китте. Сәйҙә аптыранды. Ун йыл йәшәйҙәр, үҙен ун ике йылдан ашыу белә, иренең холҡона һаман да төшөнә алмай. Ярай, йыуынам ти икән, йыуынһын. Бына ҙур таҫтамал менән һөртөнөп килеп сыҡты, ә үҙе ҡатынына ла, ҡыҙына ла әйләнеп тә ҡарамай. Холҡон күрһәтәме икән? Һәр ваҡыт Ғәлинур өйөнә ашҡынып, һағынып ҡайта торғайны. Күҙ менән ҡаш араһында, нимәлер булды. Үҙе, йөҙө боҙолоп, ваҡыт-ваҡыт телефонына ҡарап ҡуя. – Йәшермә, әйт, һиңә нимәлер булған, – тине Сәйҙә, – әллә яҡындарыңдан берәй хәбәр бармы? – Юҡ, булһа ла, һин ярҙам итә алмаясаҡһың, – тине Ғәлинур. Бер һүҙ өндәшмәйенсә, шым ғына ашанылар. Бәлеште лә ауыҙ иттеләр, тик маҡтаусы табылманы. Аҙаҡтан Ғәлинур ауыр итеп уфтанды ла: – Сәйҙә, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, – тине. Был шартлы ишараны Сәйҙә ире командировканан ҡайтҡан һайын ишетә. Ябай ғына аңлатһаҡ, ошо һүҙҙәр – Айгөлдө урамға ебәреп тор, тигән һүҙ. Сәйҙәнең күңеле күтәрелде, ул иренә мут ҡына ҡараш ташланы. Тәҙрәнән балалар майҙансығына күҙ һалды. Көн матур, унда уйнаусылар етерлек. Ана, балаларҙы йыйып, Гөлиә инәй нимәлер өйрәтә. Әлдә шул әбей бар, бөтәһенә күҙ-ҡолаҡ булып тора. – Айгөл, ҡыҙым, урамда уйнарға теләмәйһеңме? – тине әсәһе. – Ә мин атайымды күреп тә өлгөрмәнем, – тип һылтау табырға тырышты ҡыҙы. – Өлгөрөрһөң, ҡыҙым, әле ул бер аҙна буласаҡ. Ҡыҙҙары уйынсығын алды ла, урамға ашыҡты. Айгөл урамға сығыуға, уның эргәһенә Гөлиә инәйе килде: – Айгөл, ҡыҙым, әсәйең сыҡмаймы ни? – Атайым ҡайтты, әсәйем уның менән һөйләшә, – тине хәйләһеҙ ҡыҙ. – Аңлашылды, – тине ҡарсыҡ, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы. Сәйҙә шифоньерҙы асыты, өр-яңы, үтә күренмәле халатын кейеп, килеп тә сыҡты. Мут йылмайып, ире эргәһенә килгәйне, уныһы баһалау түгел, боролоп та тормай: – Ҡабаланма, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, – тине. Ҡатындың йөҙө етдиләнде: – Нимә хаҡында? Һин мине ҡайтҡаны бирле аптыратаһың. – Беҙгә айырылышырға тура киләсәк. Был хәбәр ҡатынды йыға һуҡҡан һымаҡ булды. Ул хатта ултыра төштө: – Әллә бер-бер хәл булдымы? – тине ул шомланып. – Әйттем бит, бер нимә лә булманы. Мин өйҙән сығып китергә булдым. – Әллә һинең берәйһе бармы? – Булмаһа, һөйләп тә тормаҫ инем! – тине ире һауалы ғына. – Кем ул? Минән йәшерәкме, матурыраҡмы? – Йәшме, матурмы, һинең өсөн барыбер түгелме ни? – Балағыҙ бармы? – Буласаҡ. – Мин һине аңламайым. Бая ғына телефон аша матур ғына итеп һөйләштек, мин ҡайтып киләм, һағындым, тинең. Әле килеп, сығып китәм, тиһең. Ә мин һине ебәрмәһәм? – Бәйләп ҡуяһыңмы? – тине ире. – Ниңә сығып китеүеңде аңламайым. Айгөлгә нимә тип әйтәйем? – Ул һинең менән ҡала, нимә теләйһең, шуны әйт. Бына һиңә бер нисә вариант: айырылды, ташлап китте, ҡасты, йә оҙайлы командировкаға ебәрҙеләр. Үҙең һайлап ал. Йә, хуш, башымды ҡатырма! – Ышанмайым! Һиңә кемдер нимәлер әйткән! – тип өтәләнде ҡатын. – Әллә берәйһе ғәйбәт һөйләнеме? Ир тынып ҡалды, өндәшмәй байтаҡ торҙо. – Һөйләгәнме, һөйләмәгәнме, хәҙер һуң инде. Беҙ бер-беребеҙҙе юғалттыҡ. Был хаҡта элегерәк уйларға кәрәк ине. Минең дә ғәйеп бар. Аҡса эшләйем, тип аҙналар, айҙар буйы йөрөмәҫкә ине. Йә, ярай, миңә үпкәләмә. Алиментын алырһың, кәрәкһә,ярҙам итермен. Ә әлегә мине юҡ, тип иҫәплә. – Һин еңел генә әйтәһең, яратҡанымды беләһең. Айгөл һине шул тиклем ярата! Ә һин ҡапылда сығып китәһең... – Һөйләштек бит. Айырылышҡандар беҙ генәме ни? Өйрәнербеҙ. – Юҡ! Мин һине ебәрмәйем! – Ҡатын килеп, ирен ҡосаҡлап алды. – Мин һине берәүгә лә бирмәйем! – Кит, Сәйҙә, ни эшләйһең ул? – ире уны этеп ҡараны. – Юҡ, мин һине сығармайым. Ни эшләп мин һине сығарырға тейеш? Кәрәк булһа, мин һинең өсөн көрәшергә лә әҙер. Ташлама беҙҙе, Ғәлинур! Беҙ бит һине яратабыҙ! – тип ҡатын тубыҡланды ла, ирҙең аяҡтарынан ҡосаҡланы. – Һуң, Сәйҙә, һуңланыҡ. Элегерәк мөмкинлек бар ине, ә хәҙер – юҡ. Һин был хаҡта элегерәк уйларға, хәстәрләргә тейеш инең. – Эйе, минең ғәйебем бар. Мин башҡалар һымаҡ етеш, бай йәшәүебеҙҙе теләнем. Һинең аҙна һайын күп итеп аҡса алып ҡайтыуың оҡшай ине. Мин – риза. Хәҙергә ял ит, берәй эш табырбыҙ. Мин һине башҡа йөрөтмәйем! Онот командировкаларыңды! – Һуң, Сәйҙә, һуң, һуңланың! – ире ҡатынын тупаҫ итеп этеп ебәрҙе лә, ишек төбөндә генә торған юл сумаҙанын эләктереп, сығып та китте. Иҙәндә илап Сәйҙә ятып ҡалды. Ғәлинур сумаҙанын һөйрәп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, тышҡа атланы. Подъезд алдында ултырған Гөлиә ҡарсыҡтың: “Ғәлинур, әле генә ҡайттың, тағы ла командировкаға йыйындыңмы?” – тип һорауына ла иғтибар итмәне. Телефонынан таксиға шылтыратты. Шунан һуң ғына Гөлиә ҡрсыҡҡа иғтибар итте: – Хәлдәрең нисек, Гөлиә инәй? – Ҡарттарса инде беҙҙең, ҡарттарса. Әле генә ҡайттың, буғай, инде тағы ла командировкаға ҡуҙғалдыңмы? – Эйе, шулай тура килде, – тине Ғәлинур кәйефһеҙ генә. Шунан, нимәлер иҫенә төшкән һымаҡ, Гөлиәгә ҡарап-ҡарап ҡуйҙы. Был тауышты ҡасан ишеткән һымаҡ булды әле? Ул арала булмай, такси водителе шылтыратты. Ғәлинур дуҫы Рифаттың адресын әйтте. Иҫе китеп байтаҡ ятты Сәйҙә. Ҡыҙы ҡайтып, ишекте шаҡығас ҡына, иҫенә килде. – Атайым ҡайҙа? Беҙ бөгөн паркка барабыҙмы? – тине ул бүлмәләрҙе байҡап. – Юҡ, ҡыҙым, паркка барып булмаҫ, – тине әсәһе ауыр итеп. – Ә нимә булды? Атайым ҡайҙа? – Атайыңды ҡапыл саҡыртып алдылар. Уға тағы ла командировкаға китергә тура килде. – Ә мин паркка алып барыр, тип уйлағайным. – Паркка барырбыҙ, икәүләп барырбыҙ, ҡыҙым. Сәйҙә бер предприятиела бухгалтер булып эшләй, күп эштәрен өйҙә башҡара. Ҡыҙын ҡарарға ла, ирен ҡаршыларға ла, оҙатып ҡуйырға ла йәтеш. Әле лә директор күрһәтмәләр биреүгә, кәрәкле ҡағыҙҙарын электрон почта аша ебәреп тә ҡуйҙы. тик ҡатындың башында – бөтөнләй башҡа уйҙар. Ҡараһа, директор яңынан шылтырата. Ҡағыҙҙарҙы дөрөҫ яҙмаған, адрестарҙы бутаған. Етәкселәре – уҫал ғына кеше – асыуланып, бер нисә һүҙ ҙә әйтеп өлгөрҙө. Сәйҙә иҫенә килеп, тиҙ генә хаталарын төҙәтеп ҡуйҙы. Эшен тамамлағас, әхирәте Наҙгөлгә шылтыратырға булды. Бер-береһен байтаҡтан бирле беләләр, Сәйҙәне ауылдашы Ғәлинур менән Наҙгөл таныштырғайны. Иң ауыр ваҡытта уға мөрәжәғәт итергә, ярҙам алырға мөмкин. – Иртәгә беҙгә килеп сыға алмайһыңмы? – тине Сәйҙә. – Әллә бер-бер хәл булдымы? – тине ул шунда уҡ борсолоп. – Бөтәһе лә яҡшы булһа, мин һине борсоп тораммы һуң инде? – тине. – Нимә булды? – Кил, килгәс, күрерһең, ишетерһең. Сәйҙә күңеле менән һиҙә: Ғәлинурҙың ҡапыл сығып китеүе тиктәҫкә түгел. Сөнки уның кемелер булыуына ышанмай. Ғәлинурҙың һәр сәғәте иҫәпле, командировканан ҡайтыу менән, ҡатыны менән ҡыҙынан башҡа, бер аҙым ситкә атлағаны юҡ. Шулай булғас, ҡасан өлгөрҙө, тип уйлайһың? Ә бына телефон аша кемдеңдер ниндәйҙер ғәйбәт ишеттереүе бар. Ул төп эштәрен өйөндә башҡарғас, бик һирәк сыға. Сыҡҡан осраҡта ла, алдын-артын ҡарап йөрөй. Мәҫәлән, уны кәрәк ваҡытта эштән машина килеп ала. Ниңә уны, артыҡ һүҙ сығарып, подъезд төбөнә тиклем килтерергә? Туҡталышта, йә ана, аҙыҡ-түлек магазины янына саҡырырға мөмкин. Әлбиттә, кемдеңдер күреп ҡалыуы ла, хәбәр таратып ебәреүе лә бик ихтимал. Ошо хаҡта Наҙгөл менән кәңәшләшергә кәрәк. Ул – күпте күргән әхрәте, моғайын, яуабын таба алыр. Дауамы: Икенсе бүлек ------------------------ Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Әгәр журналға яҙылмаған булһағыҙ, смартфон аша ғына яҙыла һалығыҙ: "Һәнәк" журналына яҙылыу төймәһе Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.