text
stringlengths
279
69.3k
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 ЕРЛЕ БУЛЫП ҠАЛАБЫҘМЫ, ӘЛЛӘ ЕРҘӘН ЯҘАБЫҘМЫ? + - Бер ваҡыт Харис Йосопов исемендәге көрәш турнирында уның уҡыусыларының береһе үҙенең остазы тураһында шундай матур фекер әйткәйне: алтын баһаһын ювелир белер. Бына әле ер мәсьәләһе буйынса һөйләшергә йыйынғас, ошо аҡылды тотоп, ерҙең ысын баһаһын белеүсе профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы, эшмәкәрлеге һәр саҡ ергә бәйле ғалим-агроном ғына түгел, политолог, юрист һөнәрҙәренә лә эйә Ғарифулла Хәбибулла улы ЯПАРОВҡа мөрәжәғәт иттек. Бөгөн илебеҙ иҡтисади йәһәттән генә түгел, ер мөнәсәбәттәре буйынса ла көрсөккә терәлгән кеүек. Трибуна артына сығып һүҙ һөйләүселәрҙе тыңлаһаң, улар барыһын да белә кеүек, закон сығарыусыларыбыҙ ижад иткән ҡанундар ҙа етерлек һымаҡ, әммә, ғәмәлдә, ҡасандыр башланған реформаны, Крылов мәҫәлендәгесә, ян-яҡҡа тартҡылайҙар, ә йөк һаман урынында ҡала, тигән тойғо күңелдә ныҡлап тамырлана бара. Ысынбарлыҡта был мәсьәләгә ниндәй баһа бирер инегеҙ? - Ер - беҙҙең сәңгелдәк, беҙ шунда тыуабыҙ, шунда йәшәйбеҙ, үлгәс, кире ергә ҡайтабыҙ. Әле мәрхүм булған берәүҙе лә башҡа планетаға алып барып ерләгәндәре юҡ. Әгәр сәңгелдәгебеҙҙе үҙ ҡулдарыбыҙ менән ҡырҡһаҡ, алда нимә көтәсәген уйлауы ла ҡурҡыныс - йыһан упҡынына осасаҡбыҙ. Икенсе яҡтан, Ер - тормош, йәшәйеш нигеҙе, тәбиғи ресурстарҙың һәм етештереү сараларының иң мөһиме, иң әһәмиәтлеһе һәм иң ҡиммәтлеһе. Иҡтисади базис һәм сәйәси надстройка уға бәйле. Заманында В. Ленин: "Ер мәсьәләһе - власть мәсьәләһе", тип юҡҡа әйтмәгән. Борон-борондан ергә бәйле ихтилалдар тоҡанғанлығы хаҡында тарихтан да яҡшы беләбеҙ. Ергә милекселек проблемаһы Рәсәй тарихының барлыҡ осорҙарында ла көнүҙәк булып торған һәм тора: ул XIX-XX быуаттарҙа ла, батшалар заманында ла, генеральный секретарҙар заманында ла, Рәсәйҙең яңы тарихында ла хәл ителмәне. Дөрөҫөн әйткәндә, ергә ҡағылышлы һорауға бөгөн дә берәү ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алмаясаҡ. Был реформаны башлаусылар, күрәһең, ерҙең нимә икәнен дә белмәгән кешеләрҙер. Һәм улар уҡ бөгөн дә нимәлер эшләргә, нимәлер үҙгәртергә, иң аяныслыһы - нисәмә йылдар һөҙөмтә бирмәгән реформаны артабан дауам итергә тырыша, трибуна артына сығып, беҙ нимә эшләргә кәрәк икәнен беләбеҙ, тип һүҙ һөйләй. Ғәмәлдә, ер реформаһы, йәғни кешеләргә пайҙар бүлеп биреү, ваучерҙар яҙмышын ҡабатланы - кеше үҙенә яҙған өлөшөн алды ла һымаҡ, әммә уны артабан нимә эшләтергә генә белмәне. Иҫегеҙҙә булһа, ваучерҙар ҙа шундай яҙмышҡа дусар булғайны - һәр кемдең ҡулында хосусилаштырыу ҡағыҙы бар, һәр кем милексе булырға хоҡуҡлы, әммә уны нимә эшләтергә белмәй. Кемдер осһоҙ ғына хаҡҡа һатып ебәрҙе, кемдер кейем-һалымға алыштырҙы. Бөгөн ер менән дә шундай уҡ хәл. Кеше ҡайҙалыр ере бар икәнен белә, әммә унан бер файҙа ла күрмәй. Икенсе яҡтан, әгәр ерең рәсми рәүештә һинең исемеңә күсерелмәгән икән, ул бер нисек тә һинең милкең була алмай. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 14 294 700 гектар ер фонды иҫәпләнһә, шуның ни бары 2 252 700 гектары ғына граждандар милкендә. Эйе, ауылдарҙа кешеләргә пай ерҙәрен бүлеп бирҙеләр, әммә улар 100-әр гектар майҙан менән межаланды. Шул дөйөм майҙандан үҙенең ерен алыр өсөн кеше күпме аҡса түгергә тейеш? Әйтәйек, пенсионер әбей ерен теркәтер өсөн бер айлыҡ пенсияһын сығарып һалды, ти, юрист яллар өсөн икенсе айҙың аҡсаһы китә, юл сығымдарына - өсөнсө айҙыҡы. Мин оҙаҡ йылдар ер проблемаһы менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә шундай фекергә килдем: бөгөн Рәсәй Хөкүмәте халыҡ алдында үҙенең хаталаныуын төҙәтеп, ғәйебен танып, граждандарҙан ғәфү үтенер өсөн булһа ла, пай өлөшөнә бер хаҡ ҡуйып, уны ҡабаттан һатып алырға тейеш. Йәғни ерҙе халыҡтан һатып ала ла, Ер банкын ойоштора - ергә банк хужа була. Был осраҡта инде банк ерҙә эшләргә, килем алырға теләгән кешеләрҙең мөрәжәғәттәре буйынса уларға оҙайлы ҡуртымға ер, техника, орлоҡ, ашлама менән тәьмин итеү өсөн кредит бирә. Банкты Милли банк финанслай. Шулай уҡ Ер банкын ерҙең милексеһе итеп билдәләгән ҡанун да булырға тейеш. Ул ергә хужа, әммә уны һата алмай, бары тик оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға ғына бирергә хоҡуҡлы була. Беҙгә ҡабаттан нимәлер уйлап сығарырға кәрәкмәй, элек булған ыңғай өлгөнө ҡабат файҙаланырға ғына кәрәк. Әйтәйек, элек Крәҫтиәндәр банкы булған. Мәҫәлән, республикабыҙҙың иркен территорияһына төрлө милләт вәкилдәре килеп ултырып, үҙҙәренең кәсепселеген үҫтерә башлаған, кемдер ер эшенә тотонған. Уларға банк ер, кредит биреп, ерегеп китергә ярҙам иткән. Шул уҡ ваҡытта финанс учреждениеһы бөгөнгө кеүек яңы эш башлаусыны бурысҡа батырырға тырышмаған, уларға оҙайлы ваҡытҡа кредит биргән һәм ул кредитты 25 йылдан һуң ғына кире ҡайтара башлағандар. Атаһы алған кредитты балаһы түләгән, һалым күләме түбән булған йәки бер нисә йылға ул да кисектерелгән. Шул ваҡыт эсендә ер хужаһы, бөгөнгөсә әйткәндә фермер, аяғына ныҡлы баҫып, хужалығын киңәйтеп өлгөргән. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: ерҙән бер нисә йыл эсендә генә килем алыу мөмкин түгел, уның өсөн кәм тигәндә 5-10 йыл кәрәк. Бөгөн үҙ эшен асып мал үрсетеүсе йәки ер эше менән булыусыларҙы ла фермер тип атауҙары менән килешмәйем. Сөнки сит илдәрҙә фермер тип аталыусы хужалыҡтарҙың ҙур корпорациялары, мега-фермалары, ҡеүәтле производствоһы һәм ныҡлы матди-техник базаһы бар. Ә беҙҙә биш һыйыры, 15 һарығы йәки 20 гектар ере булһын, фермер тигән булабыҙ. Хатта дәүләт тә уларға субсидия бирәм тип күҙ генә буяй. Ул субсидия күп осраҡта фермерға барып та етмәй, йәиһә шуны юллап йөрөп, ярты аҡсаһын юлға түгә. Чиновниктар бахыр фермерҙың һуңғы тинен һығып алырға әҙер. Ә фермерға ерҙе һәм кредитты Ер банкы алда әйтеп кителгән шарттарҙа бирһә, ул уның һуңғы тинен тартып алырға тырышмаясаҡ, киреһенсә, нығынып, эшләп китеүен хәстәрләйәсәк. Ни өсөн "бахыр фермер" тиеүемде лә аңлатып китәйем: бөгөн фермер булып иҫәпләнеүселәр оло фиҙаҡәрлек күрһәтә, ҡаһармандарса эшләй, әммә үҙ-үҙҙәрен бөтөрәләр, бөтөн хәлен, сәләмәтлеген, һәр тинен ергә һалалар. Ә фермер улай эшләргә тейеш түгел. Ҡатынына затлы тун, үҙенә затлы машина, балаларының уҡыуына түләй алырлыҡ килем эшләгән фермерҙарҙы күргәнегеҙ бармы? Ундайҙар бик һирәк, күпселек килем ала алмай, хужалығын үҫтерә алмай ҡаҡшай. Уның ҡарауы, бөгөн етәкселәр ер һатыу менән шөғөлләнә һәм затлы машиналарҙа елдерә, Өфөгә яҡын райондарҙа үҙҙәренә ер алып, өсәр ҡатлы хан һарайҙары һалдыра. Беҙ үҙебеҙҙең Архангел районы яҡташтар ойошмаһы менән махсус тикшереү үткәрҙек. Элек бәләкәй ауыл булған, хәҙер бөткән Ғәйфулла ауылы урынында кемдәр генә үҙенә дача һалманы. Шул уҡ ваҡытта ошо ауылда тыуған билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы Фәрүәз Камалетдинов үҙенең ике улына өй һалырға ер һорағас, район хакимиәте уның үтенесен ҡәнәғәтләндермәне. Йәғни ошо ерҙә тыуған кешегә ер юҡ, ә ҡайҙандыр килгән погонлы-погонһыҙ әҙәмдәргә - рәхим ит! Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, коллектив хужалыҡтарҙа ҡушҡанды ғына эшләп өйрәнгән халыҡ, ысынлап та, пай ерҙәре менән нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды һәм әле лә бер аныҡ фекергә килә алмай. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса ҡайһы бер хужалыҡтар һаҡланды бит... - Мин үҙем банкротлыҡҡа сығарылырға тейешле хужалыҡтарҙа көрсөккә ҡаршы идарасы булып эшләгән тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: хужалыҡтарҙы бөтөрөү йәки бөтөрмәү етәкселәрҙән торҙо. Мәҫәлән, заманында Учалы районының данлыҡлы "Байрамғол" совхозы, бөтөрөлөргә тейеш булған ерҙән, уның етәксеһе, район хакимиәте башлығы һәм республика етәкселеге тарафынан һаҡлап алып ҡалынды, унда мега-ферма төҙөлдө һәм ул әлегәсә эшләп килә. Икенсе миҫал: Әбйәлил районының "Красная Башкирия" хужалығы ла банкротҡа әйләнергә тейеш ине. Әммә дөйөм тырышлыҡ менән уны ла һаҡлап алып ҡалдыҡ. Бөгөн Әбйәлилдә ерҙәр яйлап Силәбе байҙары ҡулына күсеп бөтөп барғанда, "Красная Башкирия" хужалығына ҡараған ерҙәрҙең бер генә сантиметры ла һатылманы. Ул ғына ла түгел, әле лә республикала ауыл хужалығы буйынса үткән барлыҡ семинарҙар ошо базала уҙғарыла. Бының менән нимә әйтергә теләйем - ерҙә хужа булырға тейеш. Бәлки, колхоз-совхоз системаһына кире ҡайтырға кәрәктер? - Мин үҙем быға ҡырҡа ҡаршымын. Фермер хужалыҡтары үҙҙәре кооперативтарға берләшһен, бергәләп, бер-береһенә ярҙам итеп эшләһен, һис һүҙем юҡ, әммә коллектив хужалыҡтар тураһында оноторға кәрәк. Эйе, бөгөн дә, колхоз-совхоз ойошторайыҡ, тиеүселәр бар. Ләкин уйлап ҡарағыҙ: ауылда ун кеше бергәләшеп колхоз ойошторҙо икән, ти. Артабан улар нимә эшләргә тейеш? Бөтөнөһөнөң ере бергә 100 гектар булһын. Был ғына майҙан менән алға китеү мөмкин түгел. Ә инде майҙанды ҙурайтыр өсөн кемдеңдер пайын алһаң, уны эшкәртер өсөн техникаһы, ергә индерергә ашламаһы, сәсергә орлоғо, яғыулыҡ-майлау материалдары, уңыш алғас, уны һаҡлау урыны кәрәк. Шул уҡ ваҡытта пай ерен ҡуртымға биреүсегә лә рәхмәт әйтеп кенә ҡотолоп булмай бит. Барлыҡ сығымдарҙы һанаһаң, килем ҡалмай ҙа. Хәҙер ауылдарҙа техника ла иҫкереп, туҙып бөттө инде. Колхоз-совхоздар - беҙҙең тарих, әммә уларға кире ҡайтыу ҙур хата буласаҡ. Иң ҡулайы - әйтеп үткәнемсә, Ер банкы булдырып, ерҙе ошо банк аша уға хужа була алырлыҡ кешеләргә биреү һәм уңайлы шарттарҙа кредитлау. Ер яҡшы хужа ҡулында булғанда, республиканың ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙен-үҙе тәьмин итер ҡеүәте бармы? - Әгәр ил ҡулланыу өсөн ситтән индергән аҙыҡ-түлек күләме 25 процент икән, был норма тип һанала. Әммә Рәсәйҙә был күләм 60 проценттан артып китте. Был осраҡта инде күптән саң ҡағырға ваҡыт. Тотош Ер шарындағы һөрөнтө ерҙәрҙең 10 процентына эйә булған Рәсәй ни бары 1,34 процент ауыл хужалығы продукцияһы етештерә. Был хәүеф сиге тип әйтергә мөмкин. Рәсәйҙә бер кешегә 1 гектар һөрөнтө ер тура килһә, Ҡытайҙа был һан - 0,09 га. Швейцарияла бер гектар һөрөнтө ер - 16,5, Бельгияла - 12,5, Бөйөк Британияла 8 кешене "туйындыра". Заманында бөйөк ғалим Д. Менделеев, Рәсәйҙә бер гектар һөрөнтө ер ике кешене туйындыра ала, тигән. Йәғни илебеҙ үҙ халҡын туйындырып ҡына ҡалырға түгел, ә шунса уҡ күләмдә экспортҡа ла сығарырлыҡ мөмкинлеккә эйә. Әммә ул йыл һайын һөрөнтө ерҙәрен юғалта бара. Академик Абалкин үҙенең вафаты алдынан васыят рәүешендә яҙған мәҡәләһендә 1963 йылда илдә һөрөнтө ерҙәр 163 миллион гектар булған, 2000 йылда ул ни бары 85,6 миллион гектарға ҡалған, тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта муниципаль райондар һөрөлмәгән ерҙәрҙән уңыш "ала", булмаған малдарҙан ит-һөт "етештерә". Отчеттарҙы һауанан алып яҙылған һандар менән тултыралар. Ә инде ил сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүгә дүрт триллион һум аҡса сарыф итә. Әлеге Хөкүмәт Рәйесе Д. Медведев ил башлығы булған ваҡытта әйткәненсә, ошо сумманың бер өлөшө чиновниктар кеҫәһенә инеп ята. Бөгөн сит ил Рәсәйгә санкциялар иғлан итеп, Европанан аҙыҡ-түлек индереү күпмелер күләмдә туҡталды, әммә ил тулыһынса Төркиәгә йөҙ борҙо һәм шул уҡ триллиондар барыбер чиновниктарҙың кеҫәһенә инеүен дауам итә. Үҙебеҙҙә булған ҡеүәтте файҙаланмай, артабан да ошо йүнәлеште ҡыуһаҡ, алдағы көндәрҙә нимә булырын уйлауы ла ҡурҡыныс. Ҡануниәт - йәшәйеште тотоп торған бағана, уны һикереп сығып булмаһа ла, урап үтергә мөмкин, тиҙәр. Төбәк парламентарийҙары федераль закондарға ҡаршы килгән закондар сығара алмай, ләкин ниндәйҙер мәлдәрҙе үҙебеҙгә ҡулайлаштырып, республика мәнфәғәтен хәстәрләүсе ҡанун ҡабул итә алалыр бит, әллә улар бөтөнләй хоҡуҡһыҙмы? - Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 9-сы статьяһына ярашлы, Рәсәйҙең Төп Законы буйынса ла, ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары уның күп милләтле халҡының тормош һәм эшмәкәрлек нигеҙе булараҡ файҙаланыла һәм һаҡлана. Ер менән идара итеү тәртибе БР законы менән көйләнә. Республиканың закондар сығарыу органы булған Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың урындағы шарттарҙы иҫәпкә алмаған федераль закондарға төҙәтеүҙәр индереү инициативаһын берәү ҙә юҡҡа сығармаған. Әммә улар Рәсәй закондарын һүҙмә-һүҙ ҡабатлап, хәл-торошто көрсөккә нығыраҡ этәрә. Үткән саҡырылыш депутаттары Башҡортостандың Төп Законы менән нығытылған статьяны тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы база булдырған бер ниндәй ҙә закондар ҡабул итә алманы. Конституцияға ярашлы, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы составында үҙ аллы дәүләт булып иҫәпләнә. Уның дәүләтселегенең барлыҡ атрибуттары бар - Төп Законы, Республика Башлығы, Парламенты, Хөкүмәте, гимны, гербы, флагы, әммә дәүләтселегенең төп билдәһе - уның суверенитеты ғәмәлдә булған территорияһы, ер фонды менән үҙ аллы идара итеү хоҡуғы юҡ. Республика территорияһын бер шәхси милексе (республика) участкаһы тип ҡарағанда, уның ерендә хужалар күп, әммә ул үҙе һәм уның ғаилә ағзалары (муниципалитеттар) ғына үҙ еренә хужа түгел. Шул уҡ ваҡытта күпселек ерҙәр бөтөнләй хужаһыҙ. Ә донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, үҙе хужа булған милексе генә үҙенең милке менән һөҙөмтәле идара итә, яҡшыраҡ эшләй һәм хеҙмәтенең һөҙөмтәләре тураһында уйлай. Унан да бигерәк, үҙ ерендә, үҙ техникаһында эшләгән һәм үҙ продукцияһын үҙе үк баҙар хаҡтары менән һата алған ауыл кешеһенең күрһәткестәре һәр саҡ яҡшыраҡ була. Бында НЭП осорон, илдең 1966-1970 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә йөҙ борған реформа башлауын ғына миҫал итеп килтереү ҙә етә. Биш йыл эсендә илдең килеме - 145, сәнәғәт продукцияһы - 150, ауыл хужалығы продукцияһы - 123, халыҡтың аныҡ килеме 133 процентҡа арта. Йәғни биш йыл ауыл хужалығына һалынған сығымдар илдең барлыҡ социаль-иҡтисади тормошона йоғонто яһай. Был хәҡиҡәт бөгөн дә актуаль һәм бары тик ергә хужаларса ҡараш булғанда ғына ниндәйҙер үҫешкә өмөт итергә мөмкин. Ауылдарҙың ғына түгел, республиканың артабанғы үҫеше лә ергә бәйле тип әйтергә мөмкинме? - Мин республиканың ғына түгел, илдең үҫешен ергә булған мөнәсәбәткә бәйләр инем. Мәҫәлән, электән килгән ҡағиҙә буйынса, район йәшәһен, тиһәң, йыл һайын уның территорияһында бер мәктәп төҙөп, икенсеһен нулевой циклға сығарырға кәрәк ине. Йылына ике мәктәп төҙөгәндә генә район йәшәй. Бөгөн ауылдарҙағы мәктәптәрҙе ябабыҙ икән, тимәк, үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ балта сабабыҙ. Икенсе яҡтан, ғүмер буйы ерҙә эшләп өйрәнгән кешеләргә колхоз-совхоздар тарҡалып, эшһеҙ тороп ҡалыу үлемгә тиң булды. Ул ғына ла түгел, кеше сараһыҙлыҡтан үҙ-үҙенә ҡул һала. Етәкселәр өсөн бер кешенең үҙенә ҡул һалыуы оло фажиғә булырға тейеш, әммә быға берәүҙең дә иҫе китмәй. Тимәк, ерһеҙ ҡалыуҙың кешенең күңел торошона йоғонтоһон да иҫәпкә алырға кәрәк. Бындай мөнәсәбәт халыҡтың сәләмәтлегендә лә сағыла. Хеҙмәткә яраҡлы йәштәр, эш эҙләп, Себер тарафтарына юллана. Улар ғаиләһен ҡарау өсөн һаулығын ҡорбан итеп, сит-ят ерҙә тир түгергә мәжбүр. Ә бит ошо типһә тимер өҙөр ир-аттарыбыҙҙы үҙебеҙҙә лә эшләтергә мөмкин. Мәҫәлән, Баймаҡ, Хәйбулла яҡтарында улар рәхәтләнеп йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә алыр ине. Әммә бының өсөн кешенең 10 ғына түгел, 100-200, унан да күберәк гектар ере булырға тейеш. Бөгөн ул ошо тиклем ерҙе үҙе алып, уның һалымын түләй, йылҡысылыҡ фермаларын төҙөү, малдарына бесән әҙерләү өсөн техника ала аламы? Юҡ, әлбиттә. Бында Хөкүмәт яғынан ярҙам булырға тейеш. Йәки бына Бөрйән районын алайыҡ. Унда ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе - солоҡсолоҡто үҫтерергә мөмкин. Әйҙә, теләге булған һәм солоҡсолоҡ эшен белгән егеттәргә 100 гектар урманды ҡуртымға бир ҙә, ярҙам ит. Ул нығынһа, бюджет та тулыланыр. Юҡ, был бары тик хыял ғына, сөнки тотош Бөрйәндә бындай территория табылмаясаҡ - ундағы ерҙәрҙең күпселеге ҡурсаулыҡ зонаһы, йәғни федераль милектә. Ә бит, уйлап ҡараһаң, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе ул урманда ут яғып, йәки байрам ойоштороп йөрөмәй, бал ҡорттары ла яландарҙы тапап, ағастарға зыян килтермәй. Йәиһә Учалы, Баймаҡ райондарында һарыҡ үрсетеүҙе ҡабат тергеҙеп булмаймы ни? Беҙгә һәр райондың үҙенең үҙенсәлеген, атай-олатайҙарҙың боронғо кәсепселеген иҫәпкә алып, ошо эштәрҙе ҡабаттан башларға ғына кәрәк. Быны хәл итергә мөмкин, ләкин эш тағы ла шул ер мәсьәләһенә һәм хөкүмәт яғынан ярҙамға барып төртөлә. Бөгөн, "ерҙән яҙмайыҡ, ерҙәрҙе шәхси милеккә әйләндереп ҡалайыҡ", тип саҡырыу ташлайбыҙ, саң ҡағабыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта ергә һалымды кадастр хаҡы буйынса түләй башлағас, был тағы ла ауыл халҡының барлы-юҡлы аҡсаһын бер файҙа килтермәгән ер өсөн талап алыу булмаймы? Эйе, ере бар, килеме юҡ, өҫтәүенә, шуның өсөн ул һалымын түләргә тейеш... - Ысынбарлыҡта, бөгөн ауылдарҙа күпселекте пенсионерҙар тәшкил итә. Бындай күренеш Башҡортостан өсөн генә хас түгел, Рәсәй ауылдарының өстән бер өлөшө үлеп бөтөп бара. Мәҫәлән, Волга буйы федераль округында Удмуртия яғынан Киров өлкәһенә ингәндә юл буйында тиҫтәләрсә буш ауыл осрай. Уларҙа өйҙәрҙең тәҙрәләре һуғыш ваҡытындағы кеүек таҡта менән арҡыры ҡағылған. Ауылда йән эйәһе юҡ. Булғандарында ла тик яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ. Магазин, клуб, мәктәп, фельдшер пункты тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Башҡа төбәктәрҙә лә шундай хәлдәр күҙәтелә. Был - Рәсәйҙең тап уртаһында. Иң ҡурҡынысы - тирә-яҡта ҡарағура баҫҡан яландар буш ята, уларҙы урман ҡаплап бара. Шул уҡ ваҡытта муниципаль берәмектәр, ауыл биләмәләре үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡалды. Ил буйынса муниципаль бюджеттар ни бары 40 процентҡа ғына тулылана, һөҙөмтәлә улар барыһы ла дотациялыға әйләнә бара. Әгәр ауылдарҙа кеше ҡалмай, улар үҙ ерҙәрен милек итеп теркәмәй икән, ер һалымын кем түләргә тейеш? Хатта ерен үҙ милкенә күсереүселәр ҙә күпмелер ваҡыттан һуң унан баш тарта башлаясаҡ. Шуға күрә беҙгә тиҙ арала яңы ҡанундар ҡабул итеп, Ер банкы ойоштороп, ерҙәрҙе халыҡтан кире һатып алырға һәм уны үҙен хужа итеп тойған кешеләргә бирергә кәрәк. Ә инде инвесторҙар - улар бары тик үҙ кеҫәһен ҡайғыртыусылар ғына. Улар иң уңдырышлы ерҙәрҙе ҡуртымға алып, бер нисә йыл уның елеген һурасаҡ та, һуңынан ташлап китәсәк. Бөгөн, белгестәр әйтеүенсә, республикала ер өҫтөнән 4-6 сантиметр күләмендәге гумус ҡатламы юҡҡа сыҡҡан. Ә бер сантиметр гумус ҡатламын барлыҡҡа килтереү өсөн тәбиғәткә 100-150 йыл кәрәк. Шуға күрә, ерҙе унда үҙен хужа тип тойған, ерҙе тәрбиәләй аласағына ышанған кешеләргә генә биреү зарур. Шул ваҡытта ғына ерҙәрҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Кире осраҡта инде, ергә ашлама индереп, туҡландырып тормайынса, ҡалған ғына ҡеүәтен һурып, майын һығып бөтөрһәк, Рәсәйҙең уртаһында таҡыр яландар ғына тороп ҡаласаҡ. Шулай итеп... Шекспирҙың Гамлеты баш ватҡан кеүек, бөгөн "Ерле булып ҡалабыҙмы, әллә ерҙән яҙабыҙмы?" тигән һорау күптәргә тынғы бирмәй. Шул уҡ ваҡытта, берәү ҙә был мәсьәләне нисек хәл итеү юлдарын аныҡ ҡына белмәй. Бәлки, бөгөнгө әңгәмәсебеҙҙең фекерҙәре менән танышҡандан һуң, гәзитебеҙҙе уҡыусылар үҙҙәренең уй-ниәттәре менән уртаҡлашып, дөйөм бер йәмәғәтселек фекере тыуҙырыуға өлгәшербеҙ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ. Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште. КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 13.04.15 | Ҡаралған: 1383 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Рәшиҙә менән Фәриҙә – әхирәттәр. Ауылдан бергә килделәр, бер бүлмәлә йәшәп, бер факультетта уҡып, бер фирмаға эшкә ҡалдылар. Рәшиҙә генераль директорҙың ярҙамсыһы булһа, әхирәте офистағы тәртипте күҙәтеп, хужалыҡ эштәре өсөн яуап биреп йөрөй. Бер көн керҙе лә Рәшиҙәне ҡосаҡлап алды.– Һине туйға саҡырабыҙ, кейәүгә сығам, – тине.Рәшиҙәне был хәбәр шаҡ ҡатырҙы. “Ҡара һин уны, комендант тиһәң, комендант түгел, завхоз тиһәң, завхоз түгел. Иҙән йыуҙыртып, тәҙрә таҙарттырып йөрөй ине, кейәүгә лә сығырға өлгөргән. Ә бында иң ҙур хужаның ярҙамсыһы булып йөрөгән Рәшиҙәнең етәкләп йөрөрлөк егете лә юҡ”.– Нисек улай бик тиҙ? – тип аптыранды ул, көнләшеүен саҡ-саҡ йәшереп.– Һинең арҡала, әхирәткәйем, – тине Фәриҙә. – Һин таныштырҙың бит.– Нисек мин таныштырҙым, – тине Рәшиҙә. – Мин һине берәү менән дә таныштырғаным юҡ.– Һуң, үткәнендә бер шофер килгәйне. Һин уға һыу эсереп ебәрҙең. Аҙаҡ миңә сәй эсерергә ҡуштың. Рәшиҙә менән Фәриҙә – әхирәттәр. Ауылдан бергә килделәр, бер бүлмәлә йәшәп, бер факультетта уҡып, бер фирмаға эшкә ҡалдылар. Рәшиҙә генераль директорҙың ярҙамсыһы булһа, әхирәте офистағы тәртипте күҙәтеп, хужалыҡ эштәре өсөн яуап биреп йөрөй. Бер көн керҙе лә Рәшиҙәне ҡосаҡлап алды. – Һине туйға саҡырабыҙ, кейәүгә сығам, – тине. Рәшиҙәне был хәбәр шаҡ ҡатырҙы. “Ҡара һин уны, комендант тиһәң, комендант түгел, завхоз тиһәң, завхоз түгел. Иҙән йыуҙыртып, тәҙрә таҙарттырып йөрөй ине, кейәүгә лә сығырға өлгөргән. Ә бында иң ҙур хужаның ярҙамсыһы булып йөрөгән Рәшиҙәнең етәкләп йөрөрлөк егете лә юҡ”. – Нисек улай бик тиҙ? – тип аптыранды ул, көнләшеүен саҡ-саҡ йәшереп. – Һинең арҡала, әхирәткәйем, – тине Фәриҙә. – Һин таныштырҙың бит. – Нисек мин таныштырҙым, – тине Рәшиҙә. – Мин һине берәү менән дә таныштырғаным юҡ. – Һуң, үткәнендә бер шофер килгәйне. Һин уға һыу эсереп ебәрҙең. Аҙаҡ миңә сәй эсерергә ҡуштың. Ҡасан булды икән был хәл? Рәшиҙә күпме генә иҫенә төшөрөргә тырышмаһын, күҙ алдына килтерә алманы. Бында ни, кеше күп йөрөй. Килгән береһенә һыу эсерә, сәй ҡуя башлаһаң, тик шуның менән генә шөғөлләнергә ҡала. Ике ай самаһы элек микән, эш кейемендә, ҡырынмаған, ботинкаһын да таҙартмаған бер егет килеп ингәйне. Шул егет ниндәйҙер проект документтарын алып китте. – Мин яңғыҙмын, һинең менән танышырға мөмкинме? – тип, Рәшиҙәгә ҡармаҡ һалып маташҡайны, ҡыҙ уның тәҡдимен һауалы ғына итеп кире ҡаҡты. – Эх, һыуһатты бит әле, – тип ике-өс тапҡыр әйткәндер. Аптырағас, Рәшиҙә һыуытҡыстан алып, һыу тултырылған стакан тотторҙо. Ҡабаланмай, һаман ултыра был. Һыуын эстең, ҡағыҙыңды алдың. Тағы нимә ҡарап ултыраһың? Ҡабул итеү бүлмәһендә былай ҙа кеше күп. Шул ваҡыт Фәриҙә килеп инде. Рәшиҙә уны күреп ҡалыу менән: – Бына Беренсе төҙөлөш компанияһынан килгәндәр, ваҡытың бармы? Шул ағайға сәй генә эсереп ебәр әле, – тип һораны. Рәшиҙә вазифа буйынса Фәриҙәнән юғарыраҡ тора, эш хаҡы ла артығыраҡ. Шулай булғас, әхирәтенең уның ҡушҡанын күндәм генә үтәренә шиге юҡ. Әллә шул водителгә кейәүгә сығып йөрөй микән? Тапҡан кейәүҙе! Хәйер, Фәриҙәнең ни, машина йөрөтөүсенән артыҡҡа өмөтө лә юҡтыр инде, сыҡһа, сыға ла ҡуя. Ауылда ишетһәләр, аптырашырҙар инде. Атаһы колхозда водитель, ҡалалағы ҡыҙы ла атаһы һымаҡ шоферға кейәүгә сыҡҡан, тиерҙәр. Ә туйына барырға кәрәк. Бына, берәй йәтеш кенә егет табып, үҙенә лә кейәүгә сыҡҡанда һәйбәт булыр ине. Юҡ, ҡала ҙур, кеше күп, тиһәләр ҙә, кейәүлеккә дәғүә итеүселәр бағана һайын теҙелеп тормай шул. Уф, бынау Фәриҙә, кейәүгә сыҡтым тип, кәйефен төшөрҙө. Ул арала булмай, телефон аша директор шылтыратты: – Хәҙер Беренсе төҙөлөш компанияһының етәксеһе килә. Килеү менән миңә үткәрегеҙ! Бер заман ҡабул итеү бүлмәһе ишегендә теге ваҡыт килгән водитель күренде. – Һаумыһығыҙ, – тип өндәште ул, ипле генә итеп. – Миңә директорға инергә мөмкинме? – Көтөп тороғоҙ, – тине Рәшиҙә ҡоро ғына. – Директорҙың эше күп, ул бик мөһим осрашыуға әҙерләнә. Водитель мөйөштәге ултырғысҡа күндәм генә барып ултырҙы. Рәшиҙә күҙ ҡырыйы менән генә уны күҙәтә: ай-һай, бөгөн кейенеп-яһанып алған булған! Костюмы ҡалай килешеп тора, ботинкаһын да ялтыратҡан булған. Шофер кешегә кейендең ни ҙә кейенмәнең ни. Шул ваҡыт Фәриҙә килеп инде лә, водителде күреп ҡалып, эргәһенә килде. Уныһы, һикереп тороп, ҡыҙҙы еңелсә генә ҡосаҡлап алмаһынмы! “Ҡара-ҡара, был әхирәт нимә ҡылана?” – тип уйлап өлгөрмәне Рәшиҙә, кабинетынан атылып тигәндәй директор килеп сыҡты. – Рәшит Сафуанович, рәхим итегеҙ, үтегеҙ. – Хәҙер үтәбеҙ, бына, мин һеҙҙе туйға саҡырырға килдем. Һеҙҙең хеҙмәткәрегеҙ Фәриҙә менән өйләнешәбеҙ, – тип иғлан итте ир һәм саҡырыу ҡағыҙын тотторҙо. – Мин үҙемдең бәхетемде ошонда таптым. Әгәр һеҙҙең ярҙамсығыҙ Рәшиҙә мине Фәриҙә менән таныштырмаһа, әле лә өйләнмәй йөрөгән булыр инем. Быны ишеткән Рәшиҙә телһеҙ ҡалды, сөнки водитель тип уйлаған кешеһе Беренсе төҙөлөш компанияһының генераль директоры йәки Фәриҙәнең кейәүе булып сыҡты. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында үткән “Башҡортостан ынйылары” республика фестивалендә Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең “Тамсылар” балалар фольклор коллективы — 1-се дәрәжә лауреат исемен, ә төп ролде уйнаған Тимур Әхмәҙуллин Гран-при яуланы! Һөйөнсө! Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова һәм мәктәптең прионервожатыйы Зифина Әхмәҙуллина етәкселегендә райондың данлыҡлы шәхесе Әхнәф Харисов тормошона бағышланған тамаша сәхнәләштереп, жюри һәм тамашасы һөйөүен яуланы. Ролдәрҙе Лилиә Шәйехова, Эвилина Ғәләүетдинова, Тимур Әхмәҙуллин, Камил Йыһангиров, Нейля Мәхмүтова, Илмир Вәлиәхмәтов, Азалия Суфиярова, Мирас Шәймөхәмәтов башҡарҙы. Афарин, талантлы йәш балтастарға! Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова. Һөйөнсө! Автор:Зимфира Нартдинова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
2011 йылдағы иң сағыу фотофакттарҙы, фотохәбәрселәребеҙ фекеренсә быйыл Башҡортостанда булып үткән иң иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙы сағылдырған фотоһүрәттәрҙе уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. 2011 йылдағы иң сағыу10 фотофактҡа түбәндәге кадрҙар инде. 22 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс Башҡортостан Республикаһында нанотехнологиялар һәм наноиндустрияны үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмә «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте делегацияһы, төбәктең закондар сығарыу һәм башҡарма власы, эшлекле даирәләре һәм фәнни йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында Конгресс-холда үтте. 18 майҙа Өфөлә 2010-2011 йыл миҙгелендәге Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында еңгән «Салауат Юлаев» клубы уйынсыларын алтын миҙалдар менән бүләкләү тантанаһы үтте. 26 майҙа Иглин районының Урман ауылында, Рәсәй Оборона министрлығының 99-сы арсеналы территорияһындағы келәт биналарында боеприпастар шартланы. Ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөүгә хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан, һәләкәттәр медицинаһынан меңдән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителде, янғын һүндереү поездары, авиация техникаһы, хәрби һәм граждандар тәғәйенләнешендәге автотранспорт саралары файҙаланылды. Оператив штаб көсө менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Урман ауылының һәм хәүефле зонала урынлашҡан башҡа тораҡ пункттарҙың халҡы эвакуацияланды. 27-28 майҙа Донъя лигаһы сиктәрендә «Өфө-Арена» спорткомплексында Рәсәй һәм Японияның йыйылма командалары ҡатнашлығында ике старт уйыны үтте. Рәсәйҙең волейбол буйынса йыйылма командаһы 2011 йыл миҙгелендәге Донъя лигаһы сиктәрендә үткән турнирҙағы ике уйында ла еңеп сыҡты. 1 июндә Өфөлә балалар өсөн Беренсе канал «йондоҙҙары» ҡатнашлығында «Беренсе бул!» байрамы үтте. Байрам программаһы Беренсе каналдың ошондай уҡ исемдәге хәйриә акцияһы сиктәрендә ойошторолдо. «Өфө-Арена»ла үткән өс сәғәтлек концертҡа ике мең самаһы кеше — күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, етемдәр, инвалидтар һәм уларҙың уҡытыусылары, батырлыҡ күрһәткән балалар, шулай уҡ ижади коллективтарҙа ҡатнашыусылар саҡырылды. Башҡортостандың баш ҡалаһына йәш өфөлөләрҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотларға популяр алып барыусылар Лариса Вербицкая, Екатерина Стриженова, Петр Толстой, Андрей Бахметьев һәм башҡалар килде. Бынан тыш актриса Нонна Гришаева, Анита Цой, Юлия Ковальчук, Анастасия Макеева, Юлия Михальчик, Жасмин, Зара, «Тутси» төркөмө, Стас Соколовский, Виктория Дайнеко, Алексей Чумаков, Игорь Демарин балаларҙы үҙенең хиттары менән ҡыуандырҙы. 3-4 сентябрҙә Өфөлә беренсе Бөтә Рәсәй «Һөт иле — 2011» һөт фестивале үткәрелде. Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко һәм Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко ҡатнашты. 15 ноябрҙә Өфөлә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 550 делегат килде. Улар - Рәсәй субъекттарының министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, илдең фәнни берләшмәһе вәкилдәре һәм тәү сиратта әсәләр. Делегаттар ғаилә, әсәләр һәм балалар хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлауға ҡағылышлы бер нисә мөһим теманы тикшерҙе, дәүләт, бизнес һәм киң мәғлүмәт сараларының бында ниндәй роль уйнарға тейешлеген билдәләне. Форумда ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. 19 ноябрҙә Башҡортостанға эш визиты менән Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев килде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә дәүләт башлығы Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында булды, төбәк киң мәғлүмәт сараларының мөхәррирҙәре менән осрашты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратында мосломан лидерҙары менән осрашыу үткәрҙе. Өфөгә эш сәфәренең аҙағында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, республикалағы һаулыҡ һаҡлау системаһы торошон тикшерҙе. Дмитрий Медведев быйыл Башҡортостанға ике тапҡыр килде. Февраль айында ул Өфөлә Дәүләт советы президиумының Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу сараларына арналған ултырышын үткәргәйне. 27 ноябрҙә Мәскәүҙәге Дәүләт Кремль һарайында «Тыумышы менән Башҡортостандан» тип аталған концерт үтте. Был күләмле мәҙәни акция сиктәрендә Башҡортостандың иң яҡшы эстрада артистары һәм ижади коллективтары, шулай уҡ беҙҙең республикала тыуып үҫкән Рәсәй күләмендәге киң билдәле «йондоҙҙар» сәхнәгә сыҡты. Кисәгә килгәндәрҙе республика Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң яҡшы бейеүселәре, күренекле йырсылар Фидан Ғафаров, Әлфиә Афзалова, Иҙрис Ғәзиев, Алһыу, гимнастка Ләйсән Үтәшева һәм башҡалар Мәскәү халҡына үҙенең оҫталығын күрһәтте. Йырҙар рус һәм башҡорт телендә яңғыраны. Концерт сиктәрендә йәнә «Мәрхәмәт» хәйриә фондының презентацияһы ла ойошторолдо. Быйыл Өфөгә, ниһайәт, Юрий Шевчук килде. 8 декабрҙә ул «ДДТ» төркөмө менән «Өфө-Арена»ла сығыш яһаны, яңы альбомын һәм программаһын тәҡдим итте. Ә 10 декабрҙә Йәштәр һарайында уның яңғыҙ башҡарылған акустик концерты үтте. Концерттар араһында Юрий Шевчук журналистар менән осрашырға ваҡыт тапты, ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Автор:Алик Шакиров | фото: Андрей Старостин Теги:йыл ваҡиғаларыфотофакттар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Халҡыбыҙҙа матур йолалалар күп беҙҙең. Йылдың һәр дүрт миҙгелендә үткәрелеп, көтөп алына торғандары ла байтаҡ. Айырыуса көҙгө муллыҡ осоронда – баҫыу-ҡырҙарҙан иген амбар-келәттәргә ҡайтарылып, баҡсаларҙан уңыш йыйып алынып урынлаштырылғас үткәрелә торған йола-байрамдар элек-электән халыҡ күңеленә яҡын булған. Йылдың был миҙгеле, ысынан да, ғәжәйеп матурлығы менән күңелдәрҙе арбай. Әле тәбиғәттең йәйге матурлығы, тәүге көҙгө һалҡындар һәм әленән-әле төшкән ҡырауҙарға ҡарамаҫтан, төҫ ташламаған. Йорт алдарында, инде бушап ҡала барған баҡсаларда аллы-гөллө сәскәләр күҙҙәрҙе иркәләп, гүзәллек бөркөп утыра. Көҙ һулышын һиҙҙереп, гәлсәр сыңын бәүелткән һауа сафланып ҡалған, ағастар ҙа йәйге кейемен алтын йүгертелгән биҙәкле, сағыу төҫмерҙәргә бай байрамса күлдәктәргә алыштыра башлаған миҙгелдә гөрләп үтә ул Уңыш байрамдары. Был байрамдар – күңел асыу сараһы ғына түгел, улар әле үҙенә күрә йәйге эштәргә йомғаҡ яһау, мул уңыш үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашыу, тәжрибә алмашыу ҙа. Күптәребеҙ йәй бик үк матур, беҙ теләгәнсә йылы булманы тип ҙарланып алырға яратһаҡ та, уның һөҙөмтәһе булған көҙ мул уңышы менән һөйөндөрҙө. Баҡсаларҙа картуф, башҡа йәшелсәләр ишелеп уңды, алмағастар емештәре ауырлығынан һығылып ултырҙы. Ошо муллыҡҡа, уны булдырыусы уңғандарға дан йырлаған күркәм байрам Үрнәк ауылы мәҙәниәт йортонда ла үтте. Уның йөҙөк ҡашы, сараның төп геройы ҡабаҡ булды тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Алтын көҙҙөң, һүрәнәйә барған йәйге ҡояштың бер сатҡыһы, сағылышы булған, өҫтәүенә шифалы, сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы булған был йәшелсәне хужабикәләр айырыуса яратып ҡуллана, телде йоторлоҡ бихисап тәмле һәм күп риҙыҡтар әҙерләй. Байрамға ла унда унда ҡатнашыусылар был риҙыҡтарҙы алып килде. Ә килеүселәр күп булды был күңелле сараға. Ауылдың өлкәндәре, мәктәп, балалар баҡсаһы, медицина пункты, почта, Үрнәк, Көсәкәй һәм Киндеркүл мәҙәниәт йорттары коллективтары төрлө уйындарҙа, конкурс-бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашты, улар дәртле йырҙар, күңелле бейеүҙәр менән аралаштырып алып барылды. Көҙ темаһына йомаҡтар ҡойолдо, ребустарға яуаптар табылды, ҡабаҡ һәм башҡа йәшелсәләрҙән эшләнгән композициялар тәҡдим ителде. Балалар спорт снаряды ролен ҡабаҡ үтәгән ярыштарҙа һәм иң ҙур ҡабаҡты һайлап алыу бәйгеһендә бик теләп ҡатнашты. Байрам был файҙалы йәшелсәнән бешерелгән тәм-томдар биҙәгән мул табын артында сәй эсеү менән тамамланды. Роза Ғәбделисламова, Үрнәк ауылы мәҙәниәт йорты мөҙире. Рәзилә Арыҫланова, үҙ хәбәрсебеҙ. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
“Себерҙә башҡорттар күп эшләй” тип һөйләйҙәр. Бының шулай икәненә үҙем дә инандым. Быйыл февралдә Өфөгә барҙым. Көнөм әрәм булмаһын тип, поезд менән төндә ҡайтырға булдым. Кемдер вирус алып килгән... Тимер юл вокзалына киске “Өфө – Мәскәү” поезына килдек. Вокзал­дың икенсе ҡатына менгәс, хайран ҡалдым: залда шығырым тулы ир-ат. Эргәләрендә – юл сумкалары, ҡайһы берҙәренең арҡаларында – биштәрҙәр. Киноларҙа күргәнсә, әйтерһең дә, ир-азаматтарҙы һуғышҡа оҙаталар... Эргәмдәге олораҡ апай: “Себергә эшкә китеүселәр былар”, – тип хәүефле уйҙа­рым­ды таратты. Барыбер миңә нисектер ҡыйын булып торҙо. Ошо тиклем ирҙәрҙең ғаиләләрен ҡалдырып, ҡатындар елкәһенә йорт-ҡура, хужалыҡ мәшәҡәттәрен ауҙарып китеүе, ай-һай... Ләкин ни эшләйһең, бар тормош аҡсаға ҡоролған шул. “Аллаһ Тәғәлә хәүеф-хәтәрһеҙ юлдар насип итһен, иҫән-һау йөрөп, хәләл аҡса эшләп ҡайтһындар, тапҡан малдарының рәхәтен күрергә насип булһын”, – тип теләнем. Сумкаларында нимәләр бар икән, тигән уй ҙа башыма килде. Кейем, ризыҡ, кәрәк- яраҡ... Ә бит улар бер нисә айға китә. “Үҙҙәре менән кипкән үләндәр алалармы икән?” Себер бит – һыуыҡ төбәк. Сирләп тә китәләрҙер. Сирләмәгән осраҡта ла тыуған яҡ үлән­дәренән сәй яһап эсеү һағынғанды баҫырға ярҙам итәлер... Уйҙарымды бүлеп, Яңы Уренгой йүнә­лешендәге поезға ултыртыу башланғанын иғлан иттеләр. Ирҙәр сумкаларын яурындарына аҫып, ҡулдарына күтәреп, әкрен генә сығып бөттө. Ә миңә үҙҙәре менән үлән алалармы икән, тигән уй тынғылыҡ бирмәне... Ә был яҙмамды ҡыш уҡ яҙа башлағайным, тамамлап ҡуйырға иһә телефондан бер һөй­ләшеү сәбәп булды. Туймазы ҡала­һынан танышым шылтыратты. Ул үҙе Татарстанда, Әлмәттә йәшәй. Әсәләренә, Туймазы янындағы ауылға, йыш ҡайта. “Зәүхиә апай, мин балалар менән ауылда, әсәй­ҙәрҙә. Рәхәтләнеп еләк йыйҙым, һыу индек, үләндәр киптерҙем. Ярай ҡайтырға ауыл бар, тип ҡыуанам. Ҡала фатирының дүрт стенаһына ҡарап ултырыу тиҙ ялҡыта. Атайыбыҙ өс аҙна элек Себергә эшкә юлланды. Төмәндә ике аҙна изоляцияла булып, эш урынына китте. Улар ҡайҙалыр яланда йәшәй. Эш урынына барғас, температураһы күтәрелеп, сирләп киткән. Тағы бик күптәр бер юлы ауырыған. Кемдер вирус алып килгән булып сыға инде. Антибиотиктар эсәләр. Эй, ниңә генә атайға әрем, ромашка, һарымһаҡ биреп ебәрмәнек икән, тип үкенгәнде белһәң! Икенсе аҙна китте, температураһы һаман төшмәй. Нисек аяҡҡа баҫып китер? Әсәй менән борсолоп торабыҙ”, – тине. “Тирә-яғында нимә үҫә икән, һора әле, ун­да ла был осраҡта ярҙам итерлек сәбәп бар­ҙыр, Себер – файҙалы үләндәргә ныҡ бай яҡ. Күбеһе антибиотик дәрәжә­һендә лә, им­му­нитет күтәрергә лә ярҙам итә,” – тинем мин. “Эй, апай, ҡайҙан үлән йыйыу, бәҙрәфтән башҡа бер ҡайҙа ла сығармайҙар. Карантиндалар”, – тип яуапланы танышым. Иң үкенеслеһе – берәй ус ҡына әремен, ромашкаһын, ҡыр миләше (пижма шулай тәр­жемә ителә йәки еҙтөймә), кипкән еләк, әсе ҡорот һәм башҡа вирусҡа ҡаршы торор­лоҡ тыуған яҡ ниғмәттәрен һалып ебәрмәүҙәре. Ә бөгөнгө коронавирус, үпкә пневмонияһы сире арҡаһында килеп тыуған шарттарҙа был – ҡайҙа булһа ла ситкә сығып киткән һәр бер кешенең башына төшөргә тейешле уй. Мин барған ерҙә сирләп китһәм, үҙемә нисек ярҙам итермен, тип уйларға тейешбеҙ. Эйе, шифаханаға барыу, “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу – ул мөһим, әммә тиҙ ярҙамды үҙебеҙгә үҙебеҙ ҙә күрһәтә белергә тейешбеҙ. Юҡҡа ғына күтәрмәйем мин был проблеманы. Бөгөн үрҙә һаналған сирҙәрҙе еңдек, ул мәсьәлә юҡ, тип әйтә алмайбыҙ. Дарыуҙар ҙа был сирҙе тамырынан йолҡоп ала, тип маҡтана алмайбыҙ. Был хәл быйыл ҡыш булды Әйҙәгеҙ, бөгөнгө шарттарҙа Себергә йәки бүтән сит ергә киткән яҡындарыбыҙҙың сум­каһына нимәләр һалып ебәрергә тейеш­беҙ, тигән һорауға яуап эҙләйек. Себергә, ко­ман­дировкаға, “шабашка”ға, уҡырға һәм баш­ҡа сәбәптәр менән юлға сыҡҡандарға кип­кән әрем, еҙтөймә, уҫаҡ, имән ҡайырыһы, кипкән еләктәр (ер еләге, балан, миләш), кип­кән һәм шыйыҡ әсе ҡорот, әсе борос, онталған ҡәнәфер (гвоздика), куркума, имбир, корица, кардамон һалырға кәрәк. Һуңғылары магазинда һатыла. Тик ҡәнәферҙе үҙегеҙгә ко­фе онтағыста онтарға ҡала. Уның онтал­ма­ға­нын да алыу һәйбәт булыр. Үҙен һәм әрем­де кеҫәгә һалып барып, эштә ауыҙҙа сәйнәп йөрөргә була. Сирҙе иҫкәртеү сараһы был. Шулай уҡ үҙебеҙҙең яҡтың бал ризыҡ­тарын һалып ебәрһәк тә һәйбәт: һитә, прополис, һеркә. Балды инде әйтеп тораһы ла түгел! Ышанам: уны үҙҙәре менән алыусылар күптер. Былар барыһы ла теләһә ҡайһы вирусҡа ҡаршы торорлоҡ көс бирә ала. Һәр кем былар янына йәнә алоэ, андыҙ тамыры, дегәнәк тамыры һәм башҡалар өҫтәй ала. Тағы бер кешенең тарихы күптәргә фәһем булыр, тип уйлайым. Был хәл быйыл ҡыш булды. Бик яҡшы танышым шылтыратты: “Зәүхиә апай, Себерҙә эшләгән ағайымдың иҫәнлеге китеп тора әле. Бер ай эшләп ҡайтҡас, ике-өс аҙна ауырып, көскә хәл йыйып китә. Бөтөнләй рәт бөтөп бара, ти. Ҡатыны – шәфҡәт туташы. Уколдар, дарыуҙар хәтһеҙ яһалды, эселде. Теге аҙнала күрешкәйнек, һарғайып бөткән. Шифаханаға бар тиһәм, ҡан баҫымы күтәрелә лә китә, ниндәй шифахана, өйҙә көскә йөрөйөм, ти. Берәй нимә менән ярҙам итәйек әле”. Айрат миңә килде. Себерҙә 15 йыл эшләй икән, улына фатир алып бирешкән. Йорт-ҡу­раһын нығытҡан. Әммә пенсияға сығып, рә­хәт­ләнеп үҙем өсөн дә йәшәйем тигән ва­ҡыт етеп килгәндә, сәләмәтлеге ныҡ насара­йып киткән. “Һуңғы айҙы көскә эшләп ҡайт­тым, ҡан баҫымына ҡаршы дарыуҙарҙы ла гел эсеп тороу ҙа ситен, ашағаным да әллә йүн­ләп эшкәртелмәй, хәл юҡ. Тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы ла эсеп ҡараным, хәл яҡшыға үҙгәрмәй. Аяҡтың тубыҡтары ла һыҙлай баш­ланы, уныһы йоҡларға ҡамасаулай. Ҡул­дар ҙа тиҙ тала, баш ауыр. Йоҡлаһам да йо­ҡо туймай, аптыралған инде”, – тип һөйләне ул. Айраттың йөҙө, ысынлап та, һарғылт төҫ­тә (бауырҙың ауырығанын күрһәткән билдә). Сәстәре һуңғы йылда ныҡ ағарған: бауыр насар эшләй башлаһа, сәс саллана, сөнки уларға ла витаминдар, ферменттар, микро һәм макроэлементтар кәрәк. Тубыҡтары ла шешенеп тора. Ниғмәттәр ышаныс бирә Ашарға үҙҙәре әҙерләй икән, гел бешкән ризыҡ ашайҙар. Салаттар, сей йәшелсә, еләк-емеш юҡ дәрәжәһендә. Тимәк, Айраттың эсендә бактерияларға, паразиттарға үрсергә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ә улар тәндең теләһә ҡайһы өлөшөндә лә үҙҙәренең насар ғәмәлдәрен тормошҡа ашыра. Бешкән ризыҡ ҡына ашау перистальтиканы насарайта, ә был үҙ сиратында ашаған ризыҡтың аш­ҡаҙанда, эсәктәрҙә оҙаҡ ятыуына килтерә һәм ундағы сереү ҡалдыҡтарында үрсеп, тирә-яҡ ағзаларға вирустар, зыянлы бактериялар һәм паразиттар сыға башлай. “Паразиттар ныҡ үрсеп киткән, һиңә уларға ҡаршы дауалау курсы үтергә кәрәк. Үҙең менән кипкән әрем булһа ла алып барып эсергә кәрәк. Ә һинең хәҙерге хәлеңдә мин таҙа кәрәсин табып, бер нисә курс эсеп алырға тәҡдим итер инем. Ошо урында Айрат көлөп ебәрҙе: “Дүрт кеше йәшәйбеҙ, өсөбөҙ тиҫтерҙәр тиерлек. Беҙҙең менән 20 йәшкә олораҡ ағай ҙа йәшәй. Ул килгәнебеҙҙә эшләй ине инде. Ул һәр ваҡыт “ҡорттарҙы үрсетмәйем, улар бөтә сиргә сәбәп була” тип әрем, аҙнаға бер тапҡыр 50 грамм таҙа кәрәсин эсә. Нисә йыл инде. Ул беҙҙе әрләй: “Сереп ятаһығыҙ, һеҙҙе ҡорттар ашай”, – тип. Уның ҡан баҫымы ла юҡ, йөрәге лә сәләмәт, 65 йәштә лә егеттәр кеүек. Ә беҙ өсөбөҙ ҙә сирләп көскә йөрөйбөҙ. Мин бө­төнләй киптем. Ул ағай урманға сығып, үлән­дәр, тамырҙар йыйып ҡайта, киптерә. Бы­сағүлән (сабельник) тип иҫе китә. Шулар­ҙы эсә, беҙгә тәҡдим итә. Бер күңел һалма­ғанмын, ысынлап та, мине эстән шул бактериялар, ҡорттар ашай, тимәк. Бер ҙә хәл юҡ. Бауырҙың да эшләмәгәнен һиҙәм”, – тине Айрат. Нимәләр эшләне һуң ул? Иң беренсе туҡланыуҙы үҙгәрттек. Эсәктәрҙең перисталь­тикаһын тергеҙеү өсөн күҙәнәктәргә бай ри­зыҡ­тар, йәшелсә аштары, салаттар өҫтәнек. Бауырға тюбаж яһаныҡ. “Себергә нимәләр һалып ебәрергә” тигән исемлектәге бөтә үләндәрҙе самаһын белеп эсә башланы. Аяҡтарына кәрәсин менән компресс эшләнек. Һеңлеһендә таҙа кәрәсин бар ине, уны ла алып ҡайтып китте. Ике аҙна уны ла эскән. “Эстән өс көн әллә нимәләрҙе ҡыуаланы”, – тине аҙаҡ. Әллә нимәләр түгел, унда йәбешеп торған паразиттар, бактериялар сыға. Кәрәсин үҙенең эшен белә. Бер нисә айҙан Айрат тағы килеп китте. “Йәшәүе күңеллерәк. Ашағандан һуң аш­ҡаҙан ауырая ине, хәҙер һиҙмәйем дә. Эсәктәр һәйбәт эшләй башланы. Бауырҙы тағы таҙартаһы бар. Үҙем һиҙәм. Иң мөһиме – ҡан баҫымы көйләнде. Йөҙөм алһыуланды. Һап-һары инем бит. Тюбаж яҡшы сара икән. Артабан ошо режимда йәшәргә уйлайым”, – тине. Быға өҫтәп ни әйтәһең?! ...Аллаһ Тәғәләнең кеше сәләмәт йәшәһен өсөн биргән ниғмәттәре беҙгә яҡын булған һайын, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай алабыҙ. Улар беҙгә рәхәтләнеп эшкә йөрөргә, һәр көндөң ҡыуанысын тойорға, сирҙәрҙе урап үтергә ярҙам итә. Тик уларҙы күңел күҙе менән күреп, үҙебеҙгә нимә кәрәклеген эске бер тойомлау менән һиҙә белергә генә кәрәк. Татарстан Республикаһы. Автор: Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/seberg-sy-yp-kit-d-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Уның нигеҙендә хәҙер социаль пособиелар ысынлап та үҙ балаһын ҡараған һәм быға күп ваҡытын сарыф иткән ата-әсәләргә генә биреләсәк. Төҙәтмәләрҙә шулай уҡ эш көнө тулы булмаған атай-әсәйҙәрҙең пособие алыу мәсьәләһе лә ҡарала. Фото: pixabay.com Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Доктор Уоллок бала сағын атаһының итле тоҡом малдарын үрсетеү фермаһында үткәргән. Һыйырҙарға күп төрлө витаминдарҙан һәм минералдарҙан торған ризыҡты үҙҙәре үҫтергән һәм әҙерләгән. Һуңғараҡ ул ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый һәм малсылыҡ һәм игенселек буйынса белгес дәрәжәһен ала. Тәбиғи үлем арҡаһында ғүмерҙәре өҙөлгән хайуандар һәм кешеләрҙең 17500 мәйетен фәнни тикшереп, шундай һығымтаға килә: «Тәбиғи үлем менән яҡты донъя менән хушлашҡан һәр йән эйәһе тулайым туҡланмауҙан, йәғни рационында туҡлыҡлы матдәләр етмәүҙән вафат була» Артабан доктор Уоллок табип һөнәренә лә эйә була. Фән тураһында ҡыҫҡаса 1993 йылдың ноябрендә Аризонала ҡыҙыҡлы эксперимент үткәрелә. Өс пар ирле-ҡатынлы изоляцияла өс йыл йәшәй. Улар үҙҙәре үҫтергән үҫемлектәр менән туҡлана, таҙа һауа һулай һәм таҙа һыу эсә. Бөтә мәғлүмәт, ҡан анализы, йәшәү өсөн мөһим күрһәткестәрҙе, Лос-Анджелес ҡалаһындағы Калифорния университеты медик-геронтологтары компьютерға индерә. Әгәр ҙә был кешеләр шундай йәшәү рәүешен дауам итһә, улар 165 йыл йәшәй ала тигән күҙаллау бирә аҡыллы машина. Оҙаҡ йәшәү өсөн нимә кәрәк?[үҙгәртергә] 1) Хәүефтән йыраҡ йөрөр кәрәк. Эсмәгеҙ, тартмағыҙ, машина аҫтына эләкмәгеҙ... 2) Нимә файҙа килтерә, шуны ҡулланығыҙ. Һеҙгә көндәлек диетаға 90 төрлө аҙыҡ өҫтәмәләре (пищевые добавки) кәрәк: 60 минерал, 16 витамин, 12 нигеҙ аминокислота һәм протеинға бай аҡһым һәм 3 төп май (жирных) кислотаһы («Тайм» гәзитендәге мәҡәләһе. 6 апрель, 1992 йыл) Витаминдар яман шеште, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен һәм ҡартайыуҙың емерткес тәьҫирен еңергә ярҙам итә. Ашҡаҙан сей яраһы (язва) Ашҡаҙан сей яраһына (язваһына) стресс сәбәпсе, имеш, тигәнде ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. 1994 йылдың февралендә генә Милли институттар ашҡаҙан сей яраһын стрестар түгел, ә бактериялар барлыҡҡа килтерә, тип сығыш яһанылар. Доктор Уоллок һәм уның коллегалары бизмар тигән минерал һәм тетрациклин менән сусҡаларҙың ашҡаҙан язваһын дауалаған. Һәр аҙыҡ-түлек магазинында йәки аптекала 2 долларға ал төҫтәге пептобизма һатып ала була. Көнөнә 1 балғалаҡ эсеп — сей яраны (язваны) дауалап була. Яман шеш бик йыш күҙәтелгән Хинай ҡытай провинцияһында 5 йыл даумында 29 мең кешене тикшергәндәр. Уларға витамин һәм минерал биргәндәр. С витаминын тәҡдим ителгән 60 мг урынына 120 мг биргәндәр. Алан Пол, Нобель премияһы лауреаты, яман шешкә дусар булмаҫ өсөн, С витаминын көнөнә 10000 мг ашар кәрәк, ти. Артрит дауалағанда медикаменттар ярҙам итмәгән сирлеләрҙе һайлап алғандар. Уларға аспирин, мезотриксид, преднизолон, кортизон уколы һалғандар, төрлө физиотерапия алымдарын ҡулланғандар. Һауыҡмағандар. Быуындарҙы алмаштырыу операцияһы ғына эшләргә ҡалған. Доктор Уоллок: «Был кешеләр ни тиклем хитланғанын беләм. Әгәр улар тағы бер 3 ай йәки 90 көнгә сыҙарға риза булһа, тағы бер эксперимент уҙғарып ҡарайыҡ әле» тигән тәҡдим менән сыҡҡан. 29 кеше үҙе теләп риза була. Уларға һәр иртә һайын 1 балғалаҡ әфлисун һутына болғап ваҡланған тауыҡ тарамышы ашатҡандар. Һәм, Гарвардтағы медицина мәктәбе күҙәтеүе буйынса, 10 көндән был сирлеләрҙең ауыртыу шештәре һәм тойғолары юҡ булған. 30 көндән уларҙың хәле еңеләйгән һәм 3 айҙан тамам һауыҡҡандар. (* Терафлекс адванс тигән америка препараты ла тауыҡ тармыштарынан яһалған шикелле?) Альцгеймер сиренә тарымаҫ өсөн организмда Е витамины етерлек булырға тейеш. 1992 йылда Сан-Диего Калифорния уриверситеты ошо сирҙе дауалау буйынса сығыш яһаны. Бөйөр ташы, йәнәһе, аҙыҡтағы кальций күплектән барлыҡҡа килә, тип раҫланылар. Ысынында иһә, бөйөрҙәге таштар һеҙҙең үҙегеҙҙең һөйәктәрегеҙҙән "барлыҡҡа килә". Һеҙгә, киреһенсә, кальций етмәй. Мең йыл элек билдәле булған: йорт хайуандарының бөйөрөндә таш булмаһын өсөн, уларға кальций, магнезий һәм борға бай аҙыҡ бирер кәрәк. Кемдең организмында кальций етерлек миҡдарҙа, уларҙың бөйөрөндә таш та булмай. Пациенттарына «тоҙ, кофеин, аҡ май ашамағыҙ» тип кәңәш иткән табиптар уртаса 58 йыл йәшәй. Ә 120-140 йәшлектәр көнөнә 40 сынаяҡ сәйенә таш тоҙҙо ҡушып эсә, аҙыҡты зәйтүн майында түгел, ә аҡ майҙа ҡура. Аневризма сиренең сәбәпсеһе — организмға баҡыр етмәүҙә. 1957 йылда ошо проблеманың серен сисәләр. 90 төрлө туҡлыҡлы матдә ашатылһа ла, 13 аҙна дауамында күркәләрҙең яртыһы тиерлек аневризманан үлә. Баҡыр миҡдарын 2 тапҡырға арттырғандан һуң, фермерҙар 500 мең күркә үҫтерә. Экспериментты төрлө хайуандарҙа һынайҙар, һәм баҡыр етмәүе аневризмаға сәбәпсе булғаны раҫлана. Иртә сәс ағарыу ҙа баҡыр етмәүҙән — тире тартыла, туҡымаларҙың һығылмалылығы боҙола, күҙ аҫтында түңәрәктәр, биттә һыҙаттар барлыҡҡа килә. Туҡымаларҙың һығылмалылығы боҙолоу веналарҙың варикоз киңәйеүенә килтерә, тәнегеҙ ҡул, күкрәк, эс, яңаҡ тирәһендә һәленеп төшә. Үҙҙәре табип булып та, кешегә кәңәш биреп ултырыусы ошо кешеләр, үҙҙәре 'баҡыр етмәүҙән' аорта аневризмаһынан, селен етмәүҙән кардиомиопатия сиренән 40-50 йәштә вафат булғандарҙы исемләп яҙа. Кардиомиопатия булдырмаҫ өсөн, 10 цент ҡына торған селен ҡулланығыҙ. 47 йәшлек Гейл Кларк, Сент-Луистың баш кардиологы, кардиомиопатик приступтан вафат була. Һөт биреүсе һыйыр малы, кальцийҙы күп юғалтҡанлыҡтан, таш, һөйәк ялай, теләһә нимә, ҡырсынташ һ. б. сәйнәй башлай. Был панька тип атала. Фермер уларҙың рационын минералдар менән тулыландырырға тейеш. Йөклө ҡатындарҙа ла аш төрләндереү осрай. Кәңәш: ҡулығыҙ һәм битегеҙҙә ал таптар барлыҡҡа килә икән, был селен дефицитына ишаралай. Ошолай була икән, 6 ай буйына коллоидлы селен ашағыҙ. Әгәр тышта күренгән таптар юғалһа, тимәк, мейе лә, йөрәк тә, бауыр ҙа, бөйөр ҙә селенға байыҡҡан тигән һүҙ. Хром менән ванадий етмәһә, ҡанда шәкәр түбән була. Шуға ҡайһы бер бала, шәкәр күрһә, ташланыусан. Әгәр был хәлгә иғтибар итмәһәң, шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүен көт тә тор. Ҡурғаш (олово) етмәү ирҙәрҙең башы пеләшләнеүгә килтерә. Ҡурғаш оҙаҡ ваҡыт етмәһә, кешегә һаңғыраулыҡ янай. Бор дефицитына бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарлы булһын ине. Ул һөйәктәрҙә кальций һаҡлауға ярҙам итә, бор — остеопороз булдырмау нигеҙе. Бор ҡатын-ҡыҙҙарҙа эстроген ә ирҙәрҙә тестостерон эшләп сығарыуға ярҙам итә. Цинк дефициты бар икән, һеҙ еҫ һиҙмәйһегеҙ йә тәм белмәй (теряете обоняние и вкус) башлайһығыҙ. Хайуандар менән эксперименттар шуны күрһәтә: 7 минерал кеше ғүмерен оҙайта. Үҫемлектәр беҙгә кәрәкле аминокислота, витамин һәм май кислоталарын эшләп сығарыу һәләтенә эйә. Шуның өсөн, организмығыҙҙы кәрәкле 90 элемент менән тәьмин итеү маҡсатында, көнөнә 15-20 үҫемлек компоненттарын ҡулланыу мотлаҡ. Һәм был картуф чипсыһы ашап ҡына көндәлек йәшелсә нормаһын үтәү мөмкин тигән һүҙ түгел. Минералдар етешмәүе[үҙгәртергә] Хәҙерге заманда бик хәүефле хәл — тупраҡта ла, шуның һөҙөмтәһендә, үҫемлектәрҙең үҙендә лә — минералдарҙың юҡлығы. Борон кешеләр бөйөк Нил, Ганг, Һары йылғалары буйында йәшәгән. Был йылғалар, һәр яҙ һайын ташып сығып, тау ҡомо килтергән. Ташҡындар тупраҡты яуым-төшөм, ләм һәм минералдар менән байытҡан, был үҙ сиратында — бөртөклөләрҙең бай уңышына килтергән. Бөйөк Александрҙың атаһы, король Филипп, баҫыуҙарында иң яҡшы иген үҫкән (тимәк, сәләмәт!) 12 йәшлек ябыҡ ҡына Мысыр батшабикәһе Клеопатраға өйләнә. Мысыр ононан бешкән икмәкте ашаған яугирҙәр 20-шәр сәғәт туҡтамай маршта йөрөгән, 6 сәғәт барған алышта ҡатнаша алған. Минералға бай ризыҡ ашап йәшәгән кешеләр физик үҫешкән, аҡыл һәләтенә эйә булған, һәм барса донъя мәҙәниәте шунан баш алған. Кальций етмәү яҡынса 147 сирҙең сәбәпсеһе булып тора. Бына уларҙың бер нисәһе: Йөҙ нервыһының парезы, билсползи — биттең бер яғы ҡыйшая. Остеопороз. Был ауырыу өлкән йәштәгеләрҙең үлеме буйынса донъяла 10-сы урында тора. Парадонтоз һәм теш ите шешенеүе Ғәҙәти артрит, остеоартрит, люмбаго, ревматизм — барыһы ла остеопороз һөҙәмтәһе. Юғары ҡан баҫымы йәки артерия гипертонияһы Эксперимент үткәргәндәр 5 мең кешегә. Кальций нормаһын ике тапҡыр арттырғандар. 6 аҙнанан 85 % кешенең ҡан баҫымы нормаға килгән. 120 йәшкә еткәндәр тоҙ ҙа, аҡ май ҙә ашағандар. Көҙән тартыу ҙа кальций етмәүҙән (* магний етмәгәнлектән дә тиҙәр?) тип яҙа Уоллок. Бил һыҙлау. Бил ауыртыу менән бик күп кеше яфалана: компьютер артында ултырғаны ла, көс түгеп йөк тейәгәне лә. Арҡа үҙәге дисктары проблемалымы, түгелме — ысынында иһә, бил ауыртыу умыртҡа бағанаһының остеопорозы менән бәйле. Әгәр диск таянып торорлоҡ мөмкинлек юҡ икән, йәғни баҡыр дефициты бар икән, умыртҡа бағанаһы йоҡара, "емерелә". Шәкәр диабеты - АҠШ-та үлемгә сәбәпсе сирҙәр араһында өсөнсө урында тора. Уның ситләтелгән зыянлы тәьҫире күп: һуҡырайыу, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы. Ветеринария өлкәһендә 1957 йылда диабетты минералдар ярҙамында дауалау серенә төшөндөк: «диабетты хром һәм ванадий ярҙамында дауалап була». Ванкувер университеты һәм Бритишколумбиум медицина мәктәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, бер ванадий ғына өлкән сирлеләр өсөн инсулинды алмаштыра ала. Әлбиттә, инсулинды шундуҡ ҡына туҡтатырға кәрәкмәй. Күптәр өсөн был процесс яйлап ҡына, 4-6 ай дауамында, бара. Ошо арауыҡта адекват күләмдә хром менән ванадий ҡулланырға кәрәк. «Йөҙәрләгән, меңәрләгән пациентҡа файҙалы икәнен үҙ күҙҙәрем менән күҙәттем» тип яҙа доктор Уоллок. Әгәр ҙә организм минералдарҙы аҙыҡ аша үҙенән-үҙе үҙләштерер әле, тип кенә йөрөмәйсә, минералдарҙы үҙегеҙ ҡулланырлыҡ итеп ышандырһам, бик шәп булыр ине ти Уоллок. Беҙ иғтибар итерлек өс төрлө минерал бар. 1. Металл минералдар. Уларҙы таш тоҡомдарынан алып була һәм бары тик 8-12 % ғына үҙләштерелә. 25-40 йәшлек кешеләр бары 3-5 % ғына үҙләштерә ала. Кальций-лакте ҡулланаһығыҙ икән, был насар. Әгәр һеҙ ҡулланған таблетканың күп өлөшө лактоза һәм һөт шәкәренән тора икән, кәрәкле кальций алыр өсөн, көнөнә 90 шундай таблетка ашар кәрәк була. Һәм тағы ла башҡа 59 минерал барлығын онотмайыҡ. 2. 1960-сы йылдарҙа ауыл хужалығында келейдед-минералдар ҡуллана башланылар. Был минералдарҙа металл атомын аминокислоталар, протеиндар һәм энзималар уратҡан тиелә. Бындай форма минералдарҙың абсорбцияһы (үҙләштерелеүе) 40 % тәшкил итә. Һәм фәҡәт шуның өсөн аҙыҡ-түлек сәнәғәте ошо идеяны хуплап сыға. Коллоид минералдар. Уларҙың абсорбцияһы (үҙләштерелеү һәләте) иң юғары. Беҙҙе фәҡәт аш һеңдерелеү (всасывание) проблемаһы йәлеп итә. Коллоид минералдарҙың 98 % һеңдерелә. Был келейдед-минералдар үҙләштереүе менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға, ә металл минералдар — 10 тапҡырға күберәк. Коллоид минералдар шыйыҡ һәм бик бәләкәй киҫәксә (частицы) хәлендә — ҡыҙыл ҡан тәнсәләре, эритроциттарға ҡарағанда 7000 тапҡыр кескәйерәк, була. Һәр киҫәксә негатив көйләнгән (заряжена), ә эсәк юлы көпсәһе ыңғай көйләнгән, шуға электр-магнит ҡыр барлыҡҡа килә, һәм шуның ярҙамында минералдарҙы эсәк юлы стеналары тирәләй туплай. Һәм бөтәһе бергә үҙләштерлеү 98 % тәшкил итә. Коллоид минералдарҙы барлыҡҡа килтереүҙә үҫемлектәр бик ҙур роль уйнай. Улар үҙҙәренең туҡымаларында металл минералдарҙы коллоид минералдарға әйләндерә. Үҫемлек ашағанда, беҙ ошо минералдарҙы организмыбыҙҙа туплайбыҙ һәм файҙаланабыҙ. Ләкин беҙҙең тупраҡта металл минералдар етерлек күләмдә булмағанлыҡтан, беҙ үҫтергән йәшелсә-емештә лә, икмәктә лә минералдар етерлек дәрәжәлә түгел. 120-140 йәшкә еткән оҙон ғүмерле кешеләр барыһы ла тиерлек диңгеҙ кимәленән 8 мең һәм 14 мең фут бейеклектәге тауҙар араһындағы ауылдарҙа йәшәй. Уларҙа яуым-төшөм 2 дюйм, унда ямғыр бөтөнләй булмай, ҡар юҡ. Был бик ҡоро төбәктәр. Улар тауҙарҙан иреп аҡҡан ҡар һыуын файҙаланалар. Шул боҙлоҡтар аҫтынан ағып сыҡҡан һыу әллә ни таҙа һәм үтә күренмәле лә түгел, гейзер һыуы түгел. Ул һыу һарғылт-аҡ йә аҡ-зәңгәр төҫтә. Бындай һыуҙа 67 алып 72 тиклем минерал бар. Тибетта был һыуҙы боҙ һөтө тип атайҙар. Был һыуҙы эсеп, минералды 8-12 % үҙләштерәләр, 2,5-5 мең йылдар дауамында тупраҡты шул һыу менән туҡландыралар. Һәм уларҙа диабет, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, юғары ҡан баҫымы, артрит, остеопороз, яман шеш, катаракта, глаукома, тыумыштан зәғиф балалар, төрмәләр, наркомандар, һалымдар, табиптар юҡ. Улар сирләмәй 120-140 йыл йәшәйҙәр. Тимәк, коллоид минералдар мөһимме инде? Һәм һеҙ, әгәр көн һайын минералдар ҡулланмайһығыҙ икән, һеҙ ғүмерегеҙҙе бер нисә сәғәткә, хатта бер нисә көнгә ҡыҫҡартаһығыҙ. Шул турала уйланығыҙ һәм сәләмәт булығыҙ! Әҙәбиәт[үҙгәртергә] Умершие доктора не лгут. Лекция доктора Уоллока. Москва, 2003 Сығанағы — «https://ba.wikibooks.org/w/index.php?title=Доктор_Уоллок_кәңәштәре&oldid=21999» Категория: Доктор Уоллок кәңәштәре Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу башҡортса Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Төп йүнәлештәр Баш бит Берләшмә Ағымдағы ваҡиғалар Һуңғы үҙгәртеүҙәр Осраҡлы мәҡәлә Белешмә Ярҙам итеү Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Биттән өҙөмтә яһарға Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа телдәрҙә Һылтанмалар өҫтәү Был бит һуңғы тапҡыр 17:58 14 июль 2020 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution-ShareAlike License рөхсәтнамәһе буйынса рөхсәт ителгән; айырым осраҡта өҫтәмә шарттар ҡулланылыуы мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, Ҡулланыу шарттарын ҡарағыҙ.
XVIII быуаттың аҙағында башҡорт ерҙәре кантонлыҡҡа бүленгән. 2-се Бөрйән волосында шул заманда сәсән телле, яҡшы күңелле данлыҡлы йырсы, ҡурайсы йәшәгән. Башҡорттарҙы яҡлап, түрәләр алдында русса хәбәрҙәр һөйләгән. “Абдрахман” йырының тарихы Унан Абдрахман исемле ул ҡала. «Атанан күргән уҡ юнған» тигәндәй, Абдрахман үткер һүҙле, үҙе йырсы ла, ҡурайсы ла була. Был егет атаһына ҡарағанда ла шәберәк булмаҡсы, тик уны уҡырға ебәрергә кәрәк, тиешкәндәр ил ҡарттары. Шул маҡсат менән уҡытып ҡайтарып, үҙ ырыуҙарына кантон итәләр. Атаһы шикелле, үҙ ырыуын, туған-тыумасаһын Абдрахман ҡанат аҫтына ала. Мөмкин булғанда егеттәрҙе әрме хеҙмәтенән, бәләгә тарығандарҙы төрмә ҡурҡынысынан ҡотҡарып алып ҡалған. Һәр төрлө яһаҡтарҙы еңеләйткән. Абдрахман үҙ ырыуындағы иң һылыу ҡыҙға өйләнә, әммә, бала-сағалары булмағас, икенсе мәртәбә кәләш әйттерә, унан да бала булмағас, өсәүләп татыу ғына йәшәп китәләр. Йылдар үтеү менән кантондың дошмандары, ялған дәлилдәр менән ғәйепләп, уның өҫтөнән юғарыға ҡағыҙ ебәрәләр. Оҙаҡ та үтмәй, түрә-ләр килеп төшә. Уның эштәрен тикшерә башлайҙар. Абдрахман, был ялған бәләнән ҡотола алмаҫын белеп, дошман ҡулына бирелгәнсе, үҙ-үҙен һәләк итмәксе була. Өйөнә ҡайта ла: «Аш-һыу әҙерләгеҙ, мин ҡунаҡтарҙы алып ҡайтам», - ти. Тиҙҙән, ҡунаҡтар килеп, мәжлес башлана. Ошонда ул атаһының һәм үҙенең дуҫ тип йөрөгән кешеләренең дошман булыуын күрә. Уның хаҡында хаҡты ла, нахаҡты ла һөйләп бирәләр. Кире ҡағыр әмәл юҡ. Ҡунаҡтарҙы оҙатып бөткәс, ике ҡатынын ике яғына алып, тубыҡтарына таяндырып ултырта ла үҙе сығарған көйҙө ҡурайҙа моңло итеп уйнап ебәрә. Унан һуң ошо йырҙы йырлай: Ирәндеккәй тауҙың, ай, бүреһе, Күк һырт икән уның күбеһе. Дуҫ-иш тиеп йөрөгән, ай, дуҫтарҙың Дошман икән уларҙың күбеһе. Шул саҡ ҡатындары йырлай: Унарлы ла унар, ай, ун аҡыҡ, Тектерһәнә эйәр ҙә ҡашына. Булыр-булмаҫ дуҫҡа сер һөйләмә, Улар етер һинең дә башыңа. Унарлы ла унар, ай, ун аҡыҡ, Тектерһәнә эйәр ҙә ҡашына. Атам дуҫы, тиеп, сер һөйләмә, Улар етер һинең дә башыңа. Ошо йырҙарҙан һуң кантон ҡурайҙа уйнап, ҡатындарының әле береһен, әле икенсеһен бейетә-бейетә лә өс стаканға эсемлек һала. Үҙенә тигәненә, һиҙҙермәй генә, һыу һала. Ҡатындарын янына ултыртып: Унарлы ла унар ун аҡыҡты Тектерерҙәр эйәр ҙә ҡашына. Булыр-булмаҫ дуҫтарға сер һөйләнем, Улар етте минең дә башыма, - тип йырлай. Стакандағы эсемлекте эсеп ебәрәләр. Кантон шунда уҡ йән бирә. Һуңынан ҡатындары былай тип йырлайҙар:
Түбәләҫ ырыуы Салауат районының көньяғында урынлашҡан алты ауылдан тора: Тирмән, Сүрәкәй, Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Илсекәй һәм Урмансы. Уларҙың аҫаба ерҙәргә килеп урынлашыуы тураһында төрлө фараздар бар. Илсекәй ауылы Ғайсаров Кинжәбай ағайҙың һөйләүенсә (ул хәҙер мәрхүм инде) Түбәләҫ ырыуы башҡорттары Урал аръяғынан, Мейәс буйҙарынан килеп урынлашҡан. Беренсе фараз[үҙгәртергә] Бер мосафир Мейәс йылғаһы буйынан хаж ҡылырға китеп бара, имеш. Юлында өйөр-өйөр йылҡылар осрай. Был көтөүсенән ул: улым, кемдең йылҡыларын көтәһең, тип һорай. Көтөүсе: шундай байҙың малдарын көтәм, тип яуап бирә. Мосафир уға: Урал тауҙарының көнбайышында, Әй йылғаһы буйында тәбиғәт бик матур. Еләк-емеш күп, бал ҡорттары бал йыя, ҡырағай аттар ҙа көтөүе менән йөрөй, һин шунда кит, тип кәңәш бирә. Көтөүсе, байҙың ҡыҙын урлап, Урал тауҙарын артылып, Әй йылғаһы аша сығып, бик йәмле урман ялансығына килеп урынлаша. Бәләкәй генә өй һалып донъя көтә башлайҙар. Мосафир хажда бик оҙаҡ йөрөп иленә ҡайтҡан ваҡытта әлеге байға килә. Бай ҡайғыһын һөйләй: ҡыҙым юғалды, бик күп йылдар үтте, ти. Мосафир уға: ҡыҙыңды Урал тауҙары аша сығып эҙлә, тип кәңәш итә. Бай ҡыҙын эҙләп сығып китә. Ҡалын-ҡалын урмандар, яландар, шарлап аҡҡан йылғаларҙы үтеп, бер ялансыҡта бәләкәй генә өй шәрәмәтен күреп ҡала. Ул шунда йүнәлә. Кейәү кеше, уны алыҫтан күреп ҡалып, ҡатынына әйтә: «Ҡайным килә ята, ҡаршы сығайым». «Ул бик уҫал,— ти ҡатыны, һин сыҡма, мин сығайым». Кейәү кеше ҡайныһының ҡаршыһына килгәндә, бай уны үлтерә һуға. Ҡыҙын ҡайтырға өндәй. Әммә ҡыҙы ризалашмай. «Балаларым ошонда тыуҙы, ошонда ҡалам», — ти. Уларҙың алты малайы була — Ҡарағол, Ҡалмаҡҡол, Сурағол, Тирмәнғол, Илсеғол һәм Урманғол. Бына шулар таралып ултырғандан улар исемендәге ауылдар барлыҡҡа килгән. Икенсе фараз[үҙгәртергә] Икенсе фаразды ғалим Рәшит Шәкүр Баҡал ҡалаһында йәшәгән Ғәрифйән Иҡсановтан алған мәғлүмәт буйынса яҙып сыға («Башҡортостан», № 30, 16.02. 2000 й.). Риүәйәтте ҡыҫҡартыбыраҡ килтерәбеҙ. «...Ҡаты һуғыштарҙан һуң, ире үлеп ҡалған әбейгә хан ошо ерҙәрҙе күрһәтә... Иң оло улы Сүрәкәй исемлеһен һалҡын шишмә янында төйәкләндерә, икенсе улы бик оҫта булған, шуға күрә тирмә ҡорорға яраҡлы уныға урынлаштырырға ҡушҡан (хәҙерге Тирмән ауылы), өсөнсө улы гел ау менән шөғөлләнеү сәбәпле, урман буйынан урын биргән (хәҙерге Урмансы ауылы). Дүртенсе улы тау кейектәренә йөрөргә әүәҫ булған, уныһына ташлы тау буйы тейгәән (хәҙерге Илсекәй ауылы, икенсе исеме Башташ). Бишенсе улына арҡа буйынан урын биргән (Ҡарағол ауылының икенсе исеме Арҡауыл). Ә иң бәләкәй, бөрсә кеүек етеҙ улын Оло өйөр йылғаһы буйында урынлаштыралар. Йәнәһе лә Бөрсәлим — Мөрсәлим булып сыға, икенсе исеме Ҡалмаҡҡол» Өсөнсө фараз[үҙгәртергә] Өсөнсө варианты ла бар. Ғалим Мираҫ Иҙелбаев Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Хәйрулла Килмөхәмәтовтан алған мәғлүмәттәрҙе бәйән итә. («Ватандаш», № 5,1999 й.) Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе ошолай: «... Әйле Сыңғыҙ хан, Сыңғыҙ хандың улы Майҡы бей, Майҡы бейҙең улы Юлбуға, Юлбуғаның улы Күсә бей, Имса бей, Тумса... Уларҙың туғандары була: Ҡолсаҡ. Шул Ҡолсаҡ ҡыҙ була. Һыбай бик шәп йөрөй. Бер ваҡыт Юлбуғаның йылҡылары юғала. Теге ҡыҙ бик үткер була. Атҡа атланып йылҡыларҙы эҙләп китә... Юлда һунарсылар ат эҙләп йөрөйҙәр икән. Ике егеткә осрай. Бер егет бының менән ипләп кенә һөйләшә. Былар танышып китәләр ҙә, егет ҡыҙҙы алып ҡайтып китә. Башташ тауының аҫтында йылға буйында былар ҡыуыш ҡоралар. Йылҡы өйөрө йөрөһөн инде, йөрөгән ере һәйбәт, тип, шунда бәләкәй генә өй шәрәмәте һалалар, шунда тора башлайҙар. Юлбуға эҙләп сыға. Икәүләп әлеңге өйҙә сәй эсеп ултыралар икән. Шул ваҡыт егет: «Ана, бер кеше килә», — ти. Ҡатыны ҡарай ҙа: «Эй, атайым килә», — ти. Егет ҡаршыларға сыға. «Ҡайным килгән, рәхим ит», — тип әйтеүенә, теге ҡайны булған кеше, уғын ала ла, аңламай-нитмәй, егеткә ата ла ебәрә. Ҡыҙы килеп сыға. «Әйҙә, ҡыҙым, ҡайтайыҡ», — ти атаһы. «Мин ҡайтмайым, ғомандымын», — ти ҡыҙ, — ошонда ғына йәшәйем...». Был ҡатын бала таба. Шул баланан тыуалар: Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Илсеғол, Сурағол, Тирмәнғол һәм Урманғол исемле балалар. Шул балалар таралып китеп, Түбәләҫ тигән ырыуға исем бирә.» Ҡарағол ауылында йәшәүсе Эдуард Ғөбәйҙуллин беренсе һәм өсөнсө варианттарға оҡшаш фараздарҙы Салауат районы гәзитендә («Йүрүҙән», 12 декабрь 1997 й.) яҙып сыҡты. Күреүебеҙсә, риүәйәттәрҙең өс вариантында ла һүҙ Урал аръяғынан күсенеү тураһында бара. Юғалған йылҡы өйөрөнөң иң олоһо бер йылға буйында йөрөгән, имеш. Бына шул Ҡалмаҡҡол менән Тирмән ауылдары араһындағы йылғаны, Оло өйөр, ҡайһы берәүҙәр. Оло ер йылғаһы, тип йөрөтә. Риүәйәттең икенсе варианты дөрөҫлөккә тап килмәй. Берәй һүҙ оҫтаһы, телсәр кеше уйлап сығарған уйҙырмаға оҡшай. Сөнки Мөрсәлимде — Бөрсәлим, тип әйтеп булмай. 1816 йылда йорт старшинаһы Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов булған. Тимәк, ауыл уның исемендә йөрөгән. Дүрт легендала ла «Түбәләҫ» этнонимы төшөп ҡалған. Ул бит ырыу исеме, боронғо исем. Түбәләҫ исемле ауыл бар, тик унда урыҫтар йәшәй, һәм ул аулы хәҙер Силәбе өлкәһенә ҡарай. Тарихтан билдәле булыуынса, Иван Грозный Ҡазанды яулап алғандан һуң (1552 й.), Ҡазан ханлығына буйһонған башҡорт ҡәбиләләре лә рус хакимлығын танырға теләк белдерә (1557 й.). Ергә аҫабалыҡ Грамотаһын аҡ батшанан алалар. Ҡәбилә бейҙәре үҙҙәре теләп килгәс, Иван Грозный уларға ергә хоҡуҡты һәм башҡа хоҡуҡтарҙы ҡуш ҡуллап бирә. Кеше ере йәл түгел, һуңынан күҙ күрер, тип уйлағандыр. Көнсығыштағы башҡорт ҡәбиләләре Себер ханлығына буйһонған була. Түбәләҫ ырыуы ҡайһы дәүерҙә килеп ултырған һуң хәҙерге аҫаба ерҙәренә?[үҙгәртергә] Бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең «Башҡорттарҙың тарихы» (Өфө, 1994, 40-сы бит) китабында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе килтерә: «1635 йылда урыҫтар, урта Башҡортостанда үҙ хакимлыҡтарын тамам нығытыу өсөн, көнсығыш башҡорттарын ҡул аҫтына алырға тырышты һәм уларҙан ваҡыты-ваҡыты менән ялланған ғәскәр йыйҙы. Себер юлындағы Ҡошсо, Ялан Ҡатай, Салжәвут (Һалйот), Ҡара Табын һәм Әй улыстарын үҙенә ҡаратып, Уралдың көнсығышынан көнбайышына күсергә тырышты. Монгол заманындағы был хаким ҡәбиләләр Күсем улдарына ҡаршы торҙо... Ләкин Күсем улы Абылай солтан, ҡалмаҡтар менән берләшеп, уларҙың көнбайышҡа күсеү юлдарын киҫте, урыҫ тарафын алған ырыу бейҙәрен дә язаланы». был турала Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев та «Башкиры» тигән әҫәрендә («Ватандаш», № 2, 1998 й., 164-се бит) яҙып сыҡты: «Асади-бей и Шикарлибей жиди в Сибири, в подчинении у ханов Ибака и Шибака, бывших в родстве с Чингиз ханом. Ханы задумали убить обоих бейев. Но человек одного из ханов предупредил их: «Бегите, иначе не уберечь вам своих голов, пропадете зря» Текстан күренеүенсә, былар Табын ырыуы бейҙәре була. Күрәһең, Табындар менән бергә Әй ҡәбиләһе лә һәм уға ингән түбәләҫтәр ҙә (* М.Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе — Яҡуп ағай Шәмсетдинов хаталы фекерҙә йөрөнө: Түбәләҫ ырыуын Әйҙеләргә ҡаратты. 2009 йылда Мөрсәлимдә үткән Шәжәрә байрамына ҡатыны Кәтибә Кинйәбулатова менән саҡырылғайны. Үҙенең сығышында ла, "Түбәләҫ — ул Әйҙе ырыуының бер тармағы" тип һөйләне) хәҙерге биләмәләренә Урал аръяғынан килеп урынлаша. Был сама менән 1640—1650-се йылдарға тура килә. Түбәләҫ ырыуына ошо биләмәләрҙе кем биргән[үҙгәртергә] Легендаларға ҡарағанда, ошо ерҙәрҙе, йәнәһе, әбей батша биргән. Ҡайһы берәүҙәр Иван Грозный тип тә әйтә. Һәр хәлдә, урыҫ батшалығы башҡорттарҙың көнбайышҡа күсенеүен хуплаған. Түбәләҫ ырыуы ерҙәре үҙенең йәмлелеге, байлығы менән күсмә халыҡты арбаған, йәлеп иткән. Мал йөрөтөү өсөн ҙур-ҙур яландар йәйрәп ята, урмандары төрлө йәнлектәргә һәм һунар ҡоштарына бай, бал ҡорттары күпләп бал йыя. Әй, Йүрүҙән, Һилиә, Оло Өйөр йылғаларында мыжғып балыҡ үрсегән. Бына ошо биләмәләрҙе Түбәләҫ ырыуы кешеләре үҙ иткән. Уларға был ерҙәрҙе бер кем дә бирмәгән, үҙҙәре һайлап килеп ултырған. Бәлки, күршеләре Ҡыуаҡан, Ҡаратаулы, Көҙәй ырыуҙары менән һөйләшеп килешкәндәрҙер. «Түбәләҫ» этнонимы нисек йәбешкән был ырыуға[үҙгәртергә] Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Тажетдин Ялсығолов мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт ханы Иштәк Аму-Даръя буйында йәшәгән. Уның улдары күп булған. Беренсеһе Тамъян, унан Үҫәргән, Күбәләк, Бәкәтүн, Һарт, Тырнаҡлы, Түбәләҫ. Һигеҙенсеһе Дыуан («Ватандаш», № 2, 1998, 165-се бит). Әлбиттә, был легенда Түбәләҫ ырыуы башҡорттарының башҡа ырыуҙар менән берлектә Урта Азиянан килеүе тураһында мәғлүмәт бирә. Түбәләҫ ырыуын төрлө сығанаҡтарҙа төрлө ҡәбилә составына индерәләр. Мәҫәлән, Р. Ғ. Кузеев бер әҫәрендә («Очерки исторической этнографии башкир», Уфа, 1957 г., 55-се бит) Түбәләҫ ырыуын Әйле ҡәбиләһе составына индерә. Шул уҡ автор икенсе әҫәрендә уларҙы («Происхождение башкирского народа», Уфа, 1974 г.) Ҡыуаҡан ҡәбиләһе составына индерә. Күрәһең, Әйлеләр менән Ҡыуаҡандар Түбәләҫ ырыуы биләмәләре менән сиктәш, хатта аралашып китә. Ҡыуаҡан ҡәбиләһе ырыуҙары: Йылан-ҡыуаҡан, Сәғит-ҡыуаҡан, Тау-ҡыуаҡан, Һатҡы-ҡыуаҡан, Ҡырҡ-өйлө-ҡыуаҡан, Түбәләҫ-ҡыуаҡан. Ҡыуаҡан биләмәләре — Һатҡы ҡалаһынан алып Йүрүҙән ҡалаһына тиклем, Яйыҡ, Ағиҙел йылғаларының башланған ерҙәре. Көньяҡтан һәм көнсығыштан Ҡара Табын ырыуы биләмәләре менән сикләнгән. Әхмәтзәки Вәлиди Туған Түбәләҫ ырыуын Әйле ҡәбиләһенә индерә. Әйле ырыуы 113 йорт: түбәләре: Арш, Ялан Әйле, Өпәй, Дыуан, Таз-дыуан, Сызан, Эйәрле, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Ҡаратаулы, Һарт, Түбәләҫ, Сүплеһыҙғы (Әхмәтзәки Вәлиди Туған, «Башҡорттарҙың тарихы», Өфө, 1994, 162-се бит). Әйле ҡәбиләһе Урта Азияла ойоша. Бохара ҡалаһы янында хатта Башҡорт исемле тау бар. Уларҙың Уралға күсенеү ваҡытын аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Әммә Әйлеләрҙең VIII—IX быуаттарҙа Арал диңгеҙе тирәләрендә ҡышлауы, Әй, Яйыҡ, Ағиҙел йылғалары баштарында йәйләүҙәре билдәле. Шул урындарҙа әйлеләр Ғуз, Бәжәнәк ҡәбиләләре менән аралашып йәшәгәндәр. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тырышлығы менән Болғар ханлығына Бағдаттан илселәр килеүе билдәле булды. И лселәр сәркәтибе Ибн Фаҙлан бик күп әһәмиәтле мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған (922 йылдар тирәһе). Улар, илселәр, Бохаранан сыҡҡас, Ғуз (Оғуз), унан Бәжәнәк (Печенег) ҡәбиләләрен осрата. Төньяҡтараҡ, Арал диңгеҙен үткәс, Кинел йылғаһы тирәһендә башҡорттарҙы осрата. Уның яҙыуы буйынса, башҡорттар бик уҫал, ҡыйыу ҡәбилә була. Улар янынан бик һаҡлыҡ менән үтәләр. Бәлки, ошо ерҙәрҙә Ибн Фаҙлан Әйле ырыуҙарын осратҡандыр. Ҡышлау өсөн бик уңайлы Арал диңгеҙе буйҙарын бөтөнләйгә ҡалдырып, һалҡын Урал яҡтарына тиктомалға ғына килеп сыҡмағандарҙыр. Моғайын, татар-монголдар Урта Азияны яулап алғас, улар ҡыҫымы һөҙөмтәһендә, Мейәс буйҙарына килеп ултырғандарҙыр. Ҡәбилә башында бейҙәр торған. Улар дәрәжәһе буйынса ханға тиң. Тарихтан билдәле булыуынса, бөйөк Сыңғыҙ хандың атаһы Есүгей Бурджигин ырыуының ханы булған. Ырыу йылъяҙмаһында Әйле ҡәбиләһе ханы Сәйҙәш бей тураһында мәғлүмәт бар. Тылсымлы Урал буйҙарына үҙ ҡәбиләһен ул алып килә. Ул Әй йылғаһының башланған ерендә ерләнгән (Башҡорт шәжәрәләре, 171-се бит). Түбәләҫ ырыуы биләмәләренең сиктәре[үҙгәртергә] Түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилиә (Сулея) ҡасабаһынан алып, көнбайышҡа, Йүрүҙән йылғаһына, тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта Әйле ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан Ҡыр көҙәй ырыуы (Яхия, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта Төркмән ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Ҡатау-Иван (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: хата — Оло Ҡытау), Ҡатау-Тамаҡ ерҙәре менән сикләнгән. Хәҙер Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең күпселек өлөшө Силәбе өлкәһенә инә, тик 10-15 проценты ғына аҫабалар ҡулында ҡалған. 1757 йылдың 18 октябрендә башҡорттарҙың Белорет заводы хужалары Твердышевға һәм Мясниковҡа ер һатыуы тураһында документтар һаҡланған («Материалы по истории Башкирской АССР», том IV, Москва, 1956 г. 155 бит). Унда шундай мәғлүмәт бар: «...Начиная первую межу с вершины речки Кисима итти на вершины речки Сильи, и от оной вершины на гору Юкали в левой руке , через речку А салай на гору Башташ подле межи Кара-Таулинской волости до речки, называемой Коиски, и той речкою Коиски итти вниз по течению по левой стороне о речки Карамалы, до дач бывшей Кудейских башкирцев земли, по которую те кудейские башкирцы им же, заводчикам Твердышеву и Мяснникову продали, поворотить налево, итти подле дач тех же кудейских башкирцев до межи куваканских башкирцев земли, которая земля теим же куваканскими башкирцами проданы им же Твердышеву и Мясникову, и тою же межою куваканских башкирцев выйти на вершинах речки Кисима, откуда начиналась первая межа...» (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе — ер һатыу документы үҙе үк һөйләп тора: Ҡыуаҡандар, йәғни Түбәләҫтәр һатҡан бит ерҙәрен). Хәҙерге заманда юғарыла күрһәткән атамалар, бәлки, үҙгәреп бөткәндер, ул атамаларҙы беҙҙең халыҡ онотҡандыр ҙа, сөнки ул тирәләрҙә башҡорттар әҙ ҡалған. Кисем йылғаһы Һатҡы районында булырға тейеш. Йылға бик бәләкәй булғанлыҡтан, Силәбе өлкәһенең топонимдар һүҙлегендә юҡ. Силья — Һатҡы районының йылға һәм тау исемдәре. Бәлки, Һилийәлер (Сулея). Беренсе тапҡыр урыҫтар килгәндә, «Һилиә» атамаһын башҡорттар уырҫлаштырып «Силья» тип атауы бик ихтимал. Ошонан сығып, Һилиә йылғаһы һәм Һилиә тауы атамаларын танырға ғын ҡала. Йүкәле — Һатҡы районындағы тау. Асалай гидронимын һүҙлектәрҙә таба алмаеым. Был йылға хәҙерге Ҡатау-Иван районында булырға тейеш, Мирнкә, Түбәләҫ ҡасабалары янындараҡ. Башташ тауы — билдәле Башҡорт Илсекәйе ауылының төньяғында, көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылған тау теҙмәһе. Ҡаратаулы улысы ерҙәре Түбәләҫ ырыуы ерҙәре менән сиктәш булған. Хәҙерге заанда был ике ырыу араһында Лаҡлы, Нәсибаш исемле ике мишәр ауылы урынлашҡан. Ер һатыу докуметтарында был ауылдар тураһында мәғлүмәт юҡ, күрәһең, улар һуңыраҡ килеп урынлашҡан. бәлки, Салауат ихтилалынан һуңдыр (* М.Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: Лаҡлы ауылы халҡы, Тырнаҡлы ерҙәрен 1752 йылда ҡортомға алған, Нәсибаштар Ҡаратаулы башҡорттарынан ҡортомға алған. Паллас, мишәрҙәр бында 1770 йылда Өфө йылғаһы буйындағы Елдәк ҡәлғәһенән күсеп килгән тип яҙған.). Коиски йылғаһы Ҡатау-Иван районындағы йылға булырғ тейеш. Топонимдарҙа ул юҡ. Ҡарамалы йылғаһы Ҡатау-Иван биләмәһендә Йүрүҙәнгә ҡоя. Ҡарама русса вязь тип атала. Тимәк, Вязовая станцияһы ошо топонимдан алынған. Көҙәй башҡорттары биләмәләренең сиге хәҙерге Вязовая станцияһынан Йүрүҙән ҡалаһына тиклем.Унан көнсығышҡа табан Ҡыуаҡан башҡорттары ерҙәре башлана. Хәҙерге заман топонимияһы менән күрһәткәндә, Түбәләҫ башҡорттарының биләмәләре Өфө — Силәбе автомобиль трассаһы буйлап Йүрүҙән күперенән Баҡал ҡаласығына тиклем, унан Һилиә станцияһы, Межевой Лог ҡасабаһы, Һәүәләй, Башташ тауҙары, Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ерҙәренең сиктәрендә урынлашҡан. Ҡарамалы йылғаһы Вязрвая станцияһы Көҙәй башҡорттары биләмәләренең сиге булып тора. Ошо биләмәләрҙе һатыуҙа 21 кеше ҡултамға ҡуя. Түбәләҫ улысы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы (сотник) Булат Илтебаев һәм башҡалар ҡул тамғаларын ҡуя. Ошо биләмәләрҙе "һатып" алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса бирә. Күреүебеҙсә, Түбәләҫ ырыуы ерҙәренең яртыһынан күберәген урыҫтар «законлаштырып» тартып ала. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙың көтөүлектәре кәмей, халыҡ бөлгөнлөккә төшә. 1763 йылдың майында Түбәләҫ ырыуы ерҙәрен арендаға (ҡортомға) биреү тураһында документ төҙөлә (юғарыла күрһәтелгән китап, 259-сы бит). Ошо документ буйынса юғарыла күрһәтелгән ер биләмәләре сигенән тыш өҫтәлмә ерҙәр ҡуртымға бирелә. Бында инде хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡатау-Иван районында урынлашҡан Түбәләҫ ауылы ингән. Бәлки, заманында ул башҡорт ауылы булғандыр. Урыҫтар баҫып алғас Түбәләҫ исемле урыҫ ауылы барлыҡҡа килгән. Тиктәҫкә урыҫтар үҙҙәренең ауылына башҡорт исеме ҡушмаҫ. Шуныһы ғәжәп, һатып алырлыҡ ер булмағас, ҡортомға бирелә. Бының өсөн заводсы Твердышевтар йәмғеһе йылына 120 һум, йылына ике һум аҡса түләй. 10 һум биреп, 5 йылға алдан уҡ түләп тә ҡуя беҙҙең «мәрхәмәтле» түрәләр Твердышев һәм Мясниковтар. Документта күрһәтелгәнсә, килешеү ҡағыҙын урыҫса килтерәбеҙ. «... Начиная первую межу от горы Башташ и от межи Кара-Таулинской волости башкирцев и итти к горе Юкали подле бывшей нашей земли, которая нами и нашими родственниками продана асессорам Твердышеву и Мясникову и дошед до горы Юкалы подле бывшей же нашей земли до отводной Катав-Ивановскому заводу линии до вершины речки Кашердак-куак, и дошед до отводной линии поворотить налево и итти... до речки Улаир... итти до горы Башташ и до земли Кара-Тавлинской волости башкирцев». Бына ошо ике тарихи документ Түбәләҫ ырыуына бәйле бик күп мәғлүмәт бирә. 1. Документтарҙа старшина, йөҙ башы, рядовой тигән төшөнсәләр бар. тимәк, башҡорттар был ваҡытта хәрби хеҙмәттә булған. 2. Беренсе документта рядовой Илсекәй Биктуғанов, икенсеһендә Ҡалмаҡҡол Кәлти(к)нов күрһәтелгән. Хәҙерге Илсекәй, Ҡалмаҡҡол ауылдары шуларҙың исемен йөрөтә тип әйтә алабыҙ. 3. Башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юҡ итеү маҡсатында, әбей батша Анна Иоановна 1736 йылдың февралендә — дворяндарға, офицерҙарға һәм мишәрҙәргә башҡорт ерҙәрен һатырға рөхсәт итеү тураһында Указ сығара. Ошо Указ нигеҙендә башҡорт ерҙәрен төрлө махинациялар менән тартып алыу башлана. Күреүебеҙсә, Йүкәле һәм Башташ тауҙары араһында хәҙерге ваҡытта Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла урынлашҡан. Кем үҙенең ризалығы менән ултырған ерен бирһен? Ерҙәрҙе ҡортомға биргәндән һуң, иң уңдырышлы, бай тупраҡлы, тигеҙ ялан ерҙәре урыҫтар ҡулына күсә. Улар ошо уңдырышлы ерҙәрҙә утарҙар төҙөй башлай. Тирмән ауылы тирәләй Весна, Свобода (Слобода тип йөрөтәләр), Головская исемле өс утар барлыҡҡа килә, унан 4 саҡырым алыҫлыҡта Покровка тигән ауыл ҡалҡып сыға. Илсекәй ауылы тирәләй Башташ һәм Жилов утарҙары урынлаша, Ҡарағол ауылынан 4 саҡырым алыҫлыҡта Түбәләҫ тигән урыҫ ауылы барлыҡҡа килә. Шуныһы ғәжәп, ошо утарҙар башҡорт ауылдарынан 1-2 саҡырым алыҫлыҡта ғына урынлаша. Тимәк, ярым күсмә тормош кисергән башҡорттар өсөн күпләп мал тоторға мөмкинселек ҡыҫыла. 1930 йылдарҙа крәҫтиән хужалығын коллективлаштырыу осоронда ошо утар крәҫтиәндәрен кулак итеп алып китеп бөттөләр. Утарҙарҙың күбеһе юҡҡа сыҡты. Аҫаба башҡорт ерҙәрен талау бер Түбәләҫ ырыуында ғына күҙәтелмәй. Ул бөтә Башҡортостан буйынса бара. Мәҫәлән, шундай уҡ алдаҡ юл менән Шайтан-Көҙәй улысы башҡорттарының ерҙәрен тартып алаларһәм Эҫем заводын төҙөй башлайҙар. Улыс старшинаһы Юлай Аҙналин был алдаҡ хәл менән килешә алмай. 1766 йылдан башлап, Твердышев менән судлаша башлай, урыҫ властарының юғары даирәләренә мөрәжәғәт итеп ҡарай. Һөҙөмтәлә, уны улы Салауат менән, аяҡ-ҡулдарына бығау һалып, таш зинданға ярты йылға ултыртып ҡуялар һәм 600 һум штраф һалалар (Әкрәм Бейешев, «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше». Өфө, 1993 й. 98-се бит) Хөрмәтле уҡыусым, һеҙ электричкала барғанда, Иглин менән Таутөмән араһында Лемезы (Ләмәҙе) разъезын үтәһегеҙ. Заманында ул Ҡобау улысы башҡорттарының үҙәге булған. Унда Юлай Аҙналин старшиналыҡ хеҙмәтен үтәгән. 1770 йылдың 24 майында Ҡобау улысы башҡорттарының шул уҡ завод хужалары Твердышевҡа һәм Мясниковҡа ер һатыуы тураһында документ әүәләнә. («Материалы по истории Башкирской АССР», том IV, Москва, 1956 г., 345-се бит). Унда: «..Кубовской волости, команды Юлая Азналина, деревни Кубово поверенные той деревни...» фамилиялары һанап үтелә, бөтәһе 34 кеше. Документ буйынса, Зигәлгә тауы, Ямантау, Бәләкәй Инйәр йылғаһы сыҡҡан ерҙән Ағиҙел йылғаһы башына тиклем, унан Ирәмәл тауына тиклем йәйрәп ятҡан ерҙәр һатылған булып сыға. Уйлап ҡараһаң, хәҙерге Башҡортостандың 10-15 процент майҙаны бер документ нигеҙендә тартып алына. Бында «ер һатыу» алдаҡлығы ярылып ята. Бәләкәй генә Ҡобау улысы башҡорттары ни тиклем ҙур майҙанды биләгән. Старшина Юлай Аҙналин 1770 йылда «ер һатыу»ҙа ҡатнаша. 1773 йылда ул шул ерҙәр өсөн Пугачев ихтилалында актив ҡатнаша. Иҫ китмәле хәл! Былар башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юҡҡа сығарыу өсөн төҙөлгән документ, әлбиттә. Түбәләҫ ырыуы ауылдарының барлыҡҡа килеү осоро[үҙгәртергә] Ауылдарҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын аныҡ ҡына билдәләп булмай һәм ул мөмкин дә түгел. Тәү башлап берәү бәләкәй генә өй һалып сыға, унан икенсеһе, өсөнсөһө килеп ултыра. Ауыл шулай башланып киткәндер. Шулай ҙа Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла властарға төрлө ваҡытта билдәле була. Теркәү ваҡыты төрлөсә. Ф. Ғ. Хисамитдинованың «Башкирская ойконимия XVI—XIX вв.» (Өфө, 1991 й.) монографияһы түбәндәгеләрҙе һөйләй: Ҡарағол ауылы 1740 йылда теркәлгән, Өфө өйәҙенә ингән; Илсекәй 1757 йылда билдәле була, Троицк өйәҙенә ҡарай; Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Урмансы ауылдары 1765 йылдарҙа теркәлгән, Троицк өйәҙенә ҡарай; Тирмән ауылы 1786 йылдан билдәле, Троицк өйәҙенә ҡарай. Ҡарағол ауылы бөтәһенән дә алдараҡ барлыҡҡа килгән тип әйтә алабыҙ. Быны юғарыла күрһәтеп үтелгән «Иҫке ҡыштау» топонимы лә дәлилләй. Сөнки ул Ҡарағол ауылына иң яҡын урын. Алты ауылда хәҙерге заманда көн итеүселәр ошо урындан таралыуы бик ихтимал. Илсекәй, Ҡалмаҡҡол ауылдарының теркәлеү ваҡыты Илсекәй Биктуғанов, Ҡалмаҡҡол Кәлтин(к)ов йәшәгән дәүер менән тап килә. Уларҙың исемдәре ер "һатҡан" һәм "ҡортомға" биргән документтарҙа бар. Пугачёв ихтилалында Имәнғол Сүрәкәевтың ҡатнашҡаны билдәле. Тимәк, Илсекәй, Ҡалмаҡҡол һәм Сүрәкәй ауылдары ошо шәхестәр исемен йөрөтә. Түбәләҫ ырыуы халҡының азатлыҡ өсөн көрәше[үҙгәртергә] 1735 йыдың авгусында Барын-Табын ырыуы батыры Йосоп Арыҡов менән Түбәләҫ ырыуы батыры Байрас Йәнурысов Юғарғы Яйыҡ нығытмаһынан 30 саҡырым алыҫлыҡта буласаҡ Орск нығытмаһына китеп барған йөктө туҡтаталар. Баш күтәреүселәр обозды ла, Яйыҡ нығытмаһын да ҡамакуҙа тоталар. Тик Себерҙән Драгун полкы һәм Кирилловтан махсус хәрби отрядтар килгәс кенә ҡамауҙы өҙәләр («История Башкортостана с древнейших времён до 60-х годов XIX века», 233-сө бит). 1773 йылда Пугачёв, Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин етәкселегендәге ихтилалда Түбәләҫ ырыуҙары ла ҡатнаша: Илсекәй ауылынан Әбдеш (Ғәбдрәшит) Таҡил, Аҡһары Йосопов, Илсекәй Биктуғанов — старшина, Тимәт Иштуғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев (Күсәбаев), Наҙарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов, Бикҡол Тәүешев; Сүрәкәй ауылынан Ҡалмаҡҡол Килтәков, Арыҫланғол Собханғоло; Ҡарағол ауылынан — Ишембәт Иҫән(к)әев. Былар бөтәһе лә Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Ошо шаһиттар Эҫем заводын яулап алып яндырғанда, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоуҙа ҡатнашҡан булған. Улар Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин етәкселегендә Эҫем заводын яулап алыу, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр. Әммә Салауат Юлаевтың һәм Юлай Аҙналиндың кеше үлтереүе тураһындағы һрауға: «Беҙ уларҙың кеше үлтергәнен күрмәнек», — тип яуап бирәләр. Был мөмкин тиклем ихтилал етәкселәрен яҡларға тырышыу тураһында һөйләй. Уҡыу — уҡытыу эштәре[үҙгәртергә] Революцияға тиклем ауыл балалары муллалар ойошторған мәктәптәрҙә белем алған. Мәктәптәр бөтә ауылда ла булмай. Ҡалмаҡҡолда 1910-сы йылдарҙа Ҡарағол ауылы муллаһы Ғөбәйҙуллин Абдулла тарафынан асылған мәктәп эшләй. Ул үҙе, Ҡазан мәҙрәсәһен тамамлап, тыуған ауылына, Ҡарағолға, мулла булып ҡайта. 1913—1914 йылдарҙа ни сәбәптәндер мәктәп Лаҡлы ауылына күсә (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: Лаҡлыла земский донъяуи мәктәп 1894 йылда уҡ асылған булған) Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ауылдарҙа башланғыс мәктәптәр асыла. Олоар өсөн киске уҡыуҙар ойошторола, быныһы инде ликбез (ликвидация безграмотности) тип аталды. Ҡалмаҡҡолда, Тирмәндә 4 синыфлыҡ мәктәп асылды. Ҡалған ауылдарҙа — Ҡарағолда, Илсекәйҙә, Урмансыла, Сүрәкәйҙ! өс синыфлыҡ мәктәптәр эшләне. Өсөнсө синыфты тамамлағас, балалар Ҡалмаҡҡолда дүртенсене бөттө. Унан, теләгәндәр, Лағыр ауылына барып, етенсе синыфҡа тиклем уҡыны. Лағырҙағы мәктәп ШКМ (школа крестьянской молодёжи) тип аталды. Әйтеүе генә еңел, 11-12 йәшлек балалар 25 саҡырым Лағыр ауылына барып, аҙна һайын ҡайтып йөрөнөләр. Ҡайтмаҫ инең, ашарға алып килер кәрәк. Ул заманда машина тигән нәмә юҡ, тик йәйәүләп йөрөйһөң. 1935 йылда Тирмән ауылында 7-се синыфҡа тиклем тулы булмаған урта мәктәп асылды. Түбәләҫ ырыуының бөтә ауылдарынан да балалар шул мәктәпкә ағылды. Балалар туған-тыумасаларында ятып уҡыны. Ҡарағол, Ҡалмаҡҡол ауылдары балалары өсөн колхоз ат биреп ҡуйҙы. Улар көн һайын ат менән ҡайтып йөрөнөләр. Хәҙерге ваҡытта Түбәләҫ ырыуының дүрт ауылында (Ҡалмаҡҡол, Тирмән, Урмансы, Илсекәй) 9-11 йыллыҡ мәктәптәр уңышлы эшләп килә. Ҡалған ике ауылда — Ҡарағол, Сүрәкәйҙә өс йыллыҡ ҡына мәктәптәр эшләй. (* М.Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: 2010 йылға саҡлы Сүрәкәй, Ҡарағол аҙ комплектлы башланғыс мәктәптәре, 2015 йылда — 40 йыл буйы эшләп килгән Илсекәй төп мәктәбе ябылды, башланғыс мәктәп кенә Мөрсәлим урта мәктәбе филиалы булып ҡалды. Башҡорт ауылы Урмансыла урта мәктәп бөтөрөлөп, төп мәкәтп булып ҡалдырылды, йәғни татар ауылы Лаҡлылағы урта мәктәп филиалы тип йөрөтөлә. Был төптө дөрөҫ түгел!) Коллективлаштырыу осоро[үҙгәртергә] 1930-сы йылдарҙа бөтә ил буйынса крәҫтиән хужалыҡтарын коллективлаштырыу башлана. Сүрәкәй, Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары «Путь социализма». Уның беренсе рәйесе итеп Әғзәм Хажиморатовты һайлайҙар. Тирмән ауылы үҙе бер колхоз булып, революционер Ишбирҙин исемен йөрөтә. Беренсе рәйесе Кәрим Хәсәнов була. 1934 йылда һәр бер ауылда айырым колхоз ойошторола. Ҡарағолда «Урожай» колхозы, рәйесе — Ҡорман Ғарипов, Ҡалмаҡҡолда — «Путь социализма», рәйесе — Ғәлимйән Ишбирҙин, Илсекәйҙә «Башташ» колхозы, рәйесе — Абдулла Ғафаров (* бронь булған көйө, үҙе теләп һуғышҡа китә, һәләк була. 6 балаһы етем ҡала). Башташ утарында (хәҙер — Урыҫ Илсекәйе) — «Крупская» колхозы, рәйесе — Болышев. Был утар — Илсекәйҙән ике генә саҡырымда урынлашҡан урыҫ ауылы. Тирмән ауылы шул көйөнсә ҡала (*Ишбирҙин исемендәге колхоз булып). Урмансы үҙе бер колхоз була. Уның тураһында мәғлүмәт юҡ. (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: Урмансыла — «Шишмә» колхозы була, рәйесе — Сәләхов Мөхәмәтйән, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була). 1958-се йылдарҙа колхоздарҙы эреләтеү (укрупнение) процесы башлана. Сүрәкәй, Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Илсекәй ауылдары һәм Башташ утары берләштерелеп, XXI партсъезд исемле колхоз төҙөлә. Урмансы ауылы йәнәш ятҡан Лаҡлы ауылындағы Хамматов исемендәге колхозға ҡушыла. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, урмансылар үҙҙәре бер башҡа (* элеккене яңыртып) «Шишмә» колхозын ойоштора. Тирмән ауылында ла (* элек тә Киров исемендәге колхоз ине) үҙгәрештәр була. Ул хәҙер Киров исемендәге крәҫтиән хужалығына әйләнгән. Түбәләҫ ырыуы биләмәләрендә алюмин рудаһы — боксит табыла. 1930-сы йылдарҙа уны сығарыу башлана. Аҡрынлап Первомайский исемле ҡасаба барлыҡҡа килә. Хәҙер унда төрлө милләт кешеләре йәшәй. Түбәләҫ ырыуының алты ауылы ла күҙгә күренеп үҫә. Һәр ауылда мәктәп, культура усаҡтары бар. Ҡалмаҡҡол (* Мөрсәлим) ауылы ҡасаба статусына эйә. Унда тимер юл станцияһы, ит комбинаты, эзбиз заводы, төҙөлөш материалдары комбинаты, лесничество һәм 30 урынлыҡ дауахана урынлашҡан (* М. Ф. Абдуллина иҫкәрмәһе: 1970-се йылдар аҙағында асылып, гөрләп эшләгән Мөрсәлим ит комбинаты 2000-се йылдар башына бөтөрөлдө. 2000-се йылдарҙың тәүге тиҫтә йылында «Башкиравтодор» предприятиеһының Мөрсәлим филиалы эш башланы; күрше Һилиә нефть базаһы юҡҡа сыҡһа ла, Мөрсәлим нефть базаһы әлегә һаҡланып ҡалған. 2009 йылда БР-ҙың тәүге Президенты Мөрсәлим урта мәктәбенең яңыртылған бинаһын һәм үҙгәртеп ҡоролған Мөрсәлим участка дауаханаһын асыуҙа ҡатнашты; 2019 йылда БР Башлығы Радий Хәбиров хуплауы менән Мөрсәлим мәҙәниәт һарайы сафҡа инде. Шулай уҡ Башҡорт Илсекәйендә яңыса ФАП бинаһы ҡалҡып сыҡты) XXI быуатҡа аяҡ баҫҡанда, ырыуҙаштарым юғалып ҡалмаҫ, һан яғынан артыр, рухи яҡтан аң-белемгә ынтылыр тигән өмөттә ҡалам. Сығанаҡ: Яҡуп Шәмсетдинов. «Ырыуым — Түбәләҫ», «Ағиҙел» журналы, 2002 йыл, февраль номеры, 2-се һан; 172 — 178 бб. Яҡуп Мөхәммәт улы Шәмсетдинов (1924-2012) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, нефтсе. Башҡортостан журналистар Союзы ағзаһы. Ҡарағол ауылында тыуып үҫкән, Алмас нәҫеленән. Күп йылдар Себерҙә эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, Өфөлә йәшәне. Кәтибә Кинйәбулатованың тормош иптәше. Сығанағы — «https://ba.wikibooks.org/w/index.php?title=Ырыуым_—_Түбәләҫ&oldid=21935» Категориялар: Башҡорт ырыуҙары Табын ырыуы Ҡыуаҡан Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу башҡортса Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Төп йүнәлештәр Баш бит Берләшмә Ағымдағы ваҡиғалар Һуңғы үҙгәртеүҙәр Осраҡлы мәҡәлә Белешмә Ярҙам итеү Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Биттән өҙөмтә яһарға Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа телдәрҙә Һылтанмалар өҫтәү Был бит һуңғы тапҡыр 11:37 13 июль 2020 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution-ShareAlike License рөхсәтнамәһе буйынса рөхсәт ителгән; айырым осраҡта өҫтәмә шарттар ҡулланылыуы мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, Ҡулланыу шарттарын ҡарағыҙ.
Абзан ауылының "Миләш" балалар баҡсаһы тәбиәләнеүселәре ата-әсәләре менән бергәләп ҡоштарға тағараҡтар эшләгән. Китапханасы Рәмилә Ағурҙина менән бергә "Ҡышлаусы ҡоштарға ярҙам итәйек" исемле экологик акция сиктәрендә тағараҡтарҙы ағастарға элгәндәр. Афарин, бәләкәстәр! Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар Балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнеүе, ҡоштарға, хайуандарға мәрхәмәтле булыу бәләкәй саҡтан башлана. Ҡышҡыһын һалҡында, бурандар осоронда ҡоштарға айырыуса аҙыҡ табыуы ҡыйынлаша! Автор:Залия Байгускарова Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Юлығыҙ бәҫ ҡунған ағастар эргәһенән үтһә, уларға һоҡланып күҙ һалырға, туҡтарға ваҡыт табығыҙ. Күҙегеҙ ял итер, күңелегеҙгә гүзәллек һирпелер. Ѳй ишеген асҡанда йылмайығыҙ - ѳйҙәгеләргә һѳйѳнѳс булһын, йортоғоҙға йылылыҡ, нур тулһын. Ѳй хәстәренә сумырға ашыҡмағыҙ. Ѳҫтѳгѳҙҙѳ алмаштырғас, бер-ике минут ял итеп алығыҙ. Салҡан тѳшѳп, ҡулдарығыҙҙы баш аҫтына ҡуйып, аяҡ остарын үҙегеҙгә табан тартығыҙ, унан аяҡтарҙы теҙҙән бѳгѳп, ҡулдарығыҙ менән аҫтан ѳҫкә табан һыйпағыҙ.
Синоптиктар вәғәҙә иткәнсә, уҙған төндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында ҡар яуҙы, ваҡытлыса ҡар ятты. Синоптиктар вәғәҙә иткәнсә, уҙған төндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында ҡар яуҙы, ваҡытлыса ҡар ятты. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 31 октябрҙә республикала ямғыр, ҡар, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнсығыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүсән, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ — минус 2-нән плюс 3 градусҡа тиклем. Алдағы ике көндә Башҡортостанда һауа температураһы тағы ла түбәнәйә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Родина ауылында йәшәүсе әүҙем йәмәғәтсе, район Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикәнең “Мөхәббәт бәүелсәге” тип аталған тағы бер китабы донъя күрҙе. Тышлығында ялан сәскәләре араһында үҙенең фотоһы төшөрөлгән был китап Стәрлетамаҡ ҡала типографияһында баҫылған. Исеме үк ишаралауынса был китабына шағирә мөхәббәт шиғырҙарын туплаған. - Күңел ҡартаймай тигәндәре бик дөрөҫ икән. Кемдең күңеленә йылы кәрәк, кем мөхәббәткә һыуһаған - рәхим итһен беҙҙең менән мәңгелек һөйөү иленә, “Мөхәббәт бәүелсәге”нең шиғри тулҡындарында тирбәлергә, - ти Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә. Ә бына “Нимә һуң ул мөхәббәт?” шиғырында: Мөхәббәт – ул күҙгә күренмәй, Тотоп ҡарауға ла беленмәй. Уны ишетәһең һүҙҙәрҙән, Тойоп була ҡараш, күҙҙәрҙән… - тип яҙа ул хисләнеп. Авторға яңынан-яңы илһамлы шиғырҙар ижад итеүен, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türkçe isiXhosa Íslenska Čeština Ελληνικά Башҡортса‎ Беларуская Мова Български Македонски Јазик Русский Српски Українська Мова Қазақша עִבְרִית اَلْعَرَبِيَّةُ اُردُو فارسی नेपाली मराठी मानक हिन्दी বাংলা ਪੰਜਾਬੀ ગુજરાતી தமிழ் తెలుగు ಕನ್ನಡ മലയാളം සිංහල ไทย ລາວ မြန်မာ ქართული ენა አማርኛ ភាសាខ្មែរ ᠮᠣᠩᠭᠣᠯ ᠬᠡᠯᠡ ᮘᮞ ᮞᮥᮔ᮪ᮓ 日本語 繁體中文 ꦧꦱꦗꦮ 한국어 Бер Нисә Инә. Уйын урындары һәм функцияларына берләшмәләре многопользовательский Барлыҡ Берләштерә Платформа Наслаждайся кросс-уйын тәжрибәһе платформа Басыгыз Һәм Уйнау Бушлай етеҙ уйындарҙан башҡа ниндәйҙер бурысты Бер Уйын Бушлай Туранан-Тура Хәҙер Уйнай Derpixon Party Эконом Ваҡытта Һәм Эконом-Был Һеҙгә Кәрәк, Һеҙгә Өсөн Табы Кролик Ҡайҙа уйынын сексуаль ялбырлап күренә башланы. Хардкорный донъяла секс, фетиш бик күп ялбыр уйын төрҙәре бар. Береһе уйын, уйын барышын беҙҙең иғтибар йәлеп итеү өсөн генә ялбыр порноигровой сайты булдырыла, килеп сыҡҡан һәм эконом ваҡытта һәм эконом Derpixon party тип аталған. Derpixion партия уйын - ҡуян тураһында. Әммә бындай ҡуян түгел, көткән менән ниндәй уйын сексуаль мөмкин булыр ине. Ҡуян түгел, ул трахать. Был кролик, ул трахаться, виртуаль донъяла ярайһы уҡ яҡшы эш эшләһә һәм улар., Был уйын иң бысраҡ сексуаль береһе, мин ул ҡасан булһа уйнай, һәм был башлыса булған кеүек, сәхнә эшләп биреүен үтенә һәм енси йыйҙы. Тупаҫ уйын өлкәндәр өсөн мин яратам секс-һәм уйындар, уларҙың һеҙ бында уйнарға мөмкин булған, психик ҡына. Был уйын ҡыҙҙы көсләп була, һәм ул уларҙан йөҙ һеҙ күрергә мөмкин. Был уйын деталдәр-бына ул нимә эшләүенә ғәжәпләнерлек. Бөтә, тауыш эффекты персонаждар дизайн һәм мимика менән енси тиклем, бер урында ҡушыла. Беҙ һеҙҙең сервер уйын уйнарға мөмкинлек бирә беҙгә был бик яҡшы, наслаждайся мөмкин теләсә ниндәй төҙөлөшө трахома ҡуян бысраҡ һеҙ ҡайҙа, кем булып һеҙ алаһығыҙ. Беҙ беренсе сайт булып тора, улар туранан-тура һатып уйындар браузер һеҙгә эшләй, һәм ул беҙҙә бушлай тәҡдим итә., Һеҙ беҙҙең сайтҡа церебраль кәрәк, беҙ һеҙгә мәғлүмәт һәм крадет тә түгел. Барыһы да һезгә эшләргә кәрәк, был сайттарға килеп ингәс, уйын наслаждайся ә аҙаҡтан ниндәй ҙә булһа сикләүҙәр йәки сикләү. Derpixon уйындары тураһында ентекләберәк партияның түбән уҡыны. Сумасшедший Party Эконом Ваҡытта Һәм Эконом Derpixon Мажаралары Мин был уйындың сюжеты бик оҡшаны. Был ябай, тура һыҙыҡ, һәм был ниндәйҙер мәғәнәлә тарихы күп итеп индерелгән. Әммә көтмәгән инем,-тип бик ҡатмарлы. Ябай тарих. Дүрт ҡыҙ күңелһеҙ булып китте, һәм улар бер нәмә эшләй, ваҡыт үлтереү өсөн. Бер төркөм ботаника, Фионин, идеяны уйлап сығара, ә артабан ул үҙе был идеяны һәм крадет Sony эшләй, ни тиклем күберәк өҫтәй. Фионин тәҡдим итә, ҡыҙҙар өсөн уйын уйнау өсөн вечеринки, ә һуңынан рекламировать Sony нәмә өҫтән., Уйын, уларҙы хәл ул, - был Bunny Stuffy, башлыса шунда, ауыҙ засовывать игнатьев килде өсөн, һеҙ әлегә әйтә алмайым. Әммә бында бик тиҙ бөтә бысраҡ тап була. Ҡыҙыҡ өсөн күп нәмә эшләй, Sony тыуҙыра кролик-демон, улар өсөн әйбәтерәк. Әммә был ҡуян-бөтә был хаҡта ниндәйҙер башҡа төр эсле. Бөтә ағзаларын һәм уның ҡыҙы ауыр үҙе теләп напичкать безжалостно. Артабан осрашыуҙар серияһы ялбыр енсә, восхитительный төкөрә була. Партия Персонаждарының Уйыны Derpixon Мин яратам был персонаждар уйын, сөнки уларҙың бөтә хыялдарын һәм дөйөм зауығын ҡәнәғәтләндерерлек, беҙ уларҙан йәш булһаҡ ҡатын-ҡыҙҙар оҡшай. Шулай төрлө төркөм дустары. Бөтә ҡыҙы ла аҡ, аҡ һеҙ получает һәр бер ҡыҙ тәү төрө. Хәҙер мин һеҙгә төркөмдәргә ботаника тураһында һөйләне, Фионин, ул-был сладкое, ул иҫ киткес тура килә өсөн, ҡыҙҙы бөтөнләй яратмаған сиркәү мөхәббәткә кем, ҡысҡыра башланы. ул, һеҙ, уларға ла теймә. Шунан һуң мин, һеҙ шулай уҡ тураһында һөйләй Сонь, төркөм лидеры булып тора, һәм распутный вибрирующий менән сексуаль мөнәсәбәткә. Тағы ике персонажы булған, улар һеҙгә уйындар ярата., Һеҙгә ҡайнар смехотворно ала, әммә ауыр көллият менән блондинки невинный. Ә һуңынан һеҙ цыпочки гот алырлыҡ, уларға оҡшарға, бөтәһе лә экстремаль ҡасан булһа. Был уйындар дүрт набиваться кролик ҡыҙ бөтә был әҙәпһеҙ. Миңә оҡшаған, тип, уларҙың тәндәрендә төрлө төрҙәре, шәхестең улар менән бергә булһа яҡшыраҡ. Шул факт яратам мин шулай уҡ, был уйын артыҡ майлы булһа эшләп китә тип, беҙҙең биреү өсөн ҡайһы бер персонаждар, улар яҙҙырған. Һәм шулай уҡ тауыш яңғыраны, анин кеүек. Инглиз телендә диалог уйын булды, ул напрягаться мәжбүр итһә генә-эсендә бысраҡ һөйләшә., Быға бөтә, бөтә өндәре һәм секс стон тетрәндерҙе. Роман Визуаль, Улар Һеҙ Контролдә Тота Раят эш ҡасан етә, новелла визуаль интерактив уйын партия категорияһына индерергә мөмкин. Иң күп уйын диалог алып барырға ла, хатта тарихы ла эшләй. Персонаж диалогтарында араһында бәйләнеш нигеҙләнгән, һәм был шәхестең бөтөнләй башҡа төрлө стилгә эйә. Артабан сәхнә енси бара. Бөтә дүрт Кролик ҡыҙ трахнуть тейеш, һәм улар уны, ысынлап та, тәкә яҡшы форсат. Һеҙ булмай ни, кемдең алыҫ тарих этәргән, ләкин реаль раят енси артыҡ күп түгел ине. Тамашасылар һеҙҙе күберәк була., Әммә был уйын бик яҡшы секс, уның өсөн уйнай алмаясаҡ. Һеҙ хайран йышыраҡ хәрәкәттә булырға, булыу-булмауға ҡарамаҫтан, һеҙҙең хыялдарығыҙ бармы йәки ялбыр мауығыу юҡ. Derpixon Party Уйын Уйнап Беҙҙең Сайтта Derpixon уйындарында ҡатнашыусылар классиктарының береһе булып тора, тип атҡаҙанған үҙ сайты. Бына ни өсөн беҙ был платформаларында был уйындың ғына ойошторолған. Беҙ күрҙек, - тип тәҡдим итә һәм уның башҡа сайтында онлайн птәр өсөн планда ғына, уны булдырыу өсөн һеҙ табырға һәм күсереп алырға, уны ғына эшләй Android. Был уйын уйнарға мөмкин теләсә ниндәй төҙөлөшө һеҙгә беҙҙең сайттың, улар һеҙ булдылар. Барыһы да һезгә эшләргә кәрәк, был уйнатып төймәгә баҫты, һәм һеҙ ала бара. Беҙ һеҙҙе, һеҙҙең электрон почта адресына йәки аҡса һорай. Бөтә, тип, һеҙ, кәрәк, был - интернет менән файҙаланыу өсөн, загружаться был дана, һәм бөтә. Һуң, шул тиклем уның загружаться, автономлы режимға күсә һәм һеҙ хатта аласыз был уйын уйнай., Бөгөн кис беҙҙең сайтта ҡырағай ғәмәлдәр Партия уйын наслаждайся!
16 мартта Раевканың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Шафран ауылы урта мәктәбе менән Өфө нефть техник университеты араһында ''Next Generation'' селтәр предуниверсарийын төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Терәк юғары уҡыу йорто итеп ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тәғәйенләнде. 16 мартта Раевканың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Шафран ауылы урта мәктәбе менән Өфө нефть техник университеты араһында ''Next Generation'' селтәр предуниверсарийын төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Терәк юғары уҡыу йорто итеп ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тәғәйенләнде. Килешеү төҙөү тантанаһына Раевка лицейына Стәрлетамаҡ филиалы директоры Рөстәм Дәминев, «ӨДНТУ предуниверсарийы» етәксеһе Екатерина Холмогорцева һәм Башҡортостан Республикаһының «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге директоры Айҙар Сәйғәфәров килде. Хеҙмәттәшлек барышында уҡыусыларҙың һәләттәрен асыу, физика, химия, информатика фәндәрен тәрән өйрәнеү, уҡыусыларҙы вузға инергә әҙерләү, буласаҡ һөнәрҙе аңлы һайларға өйрәтеү өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ. М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы менән Шафран ауылы урта мәктәбе Башҡортостанда ''Next Generation'' предуниверсарийы селтәрен булдырыу өсөн һайлап алынған ун бер белем биреү учреждениеһы иҫәбенә инә. Проекттың терәк вузы итеп Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы тәғәйенләнгән. Башҡортостан Республикаһының «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә ойошторолғайны. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ямалетдин исемле яңғыҙ атай (Джамалиддин Хәмидов) Башҡортостанда совет осоронан алып йәшәй, бер үҙе ике малайҙы тәрбиәләп үҫтерә. Әсәләре – сит ил кешеһе, бынан өс йыл элек, балаларын атаһына ташлап, йорттан сығып китә. Ир кеше Пенсия фондына Әсәлек капиталы юллап мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә уға ҡаршы төшәләр. Ни өсөн? Тажикстанда тыуып үҫкән егет 1984 йылда комсомол путевкаһы менән Башҡортостанға килә, Нефтекамала уҡый. 1989 йылда тыуған яғына ҡайта һәм СССР тарҡалғандан һуң йәнә илебеҙгә килә. 2000 йылда Рәсәй гражданлығы ала. Бер нисә йылдан һуң Мәрүфәғон исемле ҡыҙға өйләнә, ике улдары – Азиз һәм Әмир - донъяға килә. Ямалетдиндың әйтеүенсә, ҡатынына Рәсәй гражданлығын алырға тура килмәй. Ул “паспорт булмағас, был илдә йәшәмәйем” тип ҡайтып китә. 2018 йылдың мартында никахтары тарҡатыла. Суд ҡарары буйынса балаларҙы тәрбиәгә атайға бирәләр. Ҡатындың әсә булыуҙан баш тартҡаны тураһында документ та бар. "Өс йыл буйы улдарымды бер үҙем тәрбиәләйем. Бер ҡасан да дәүләттән ярҙам һорағаным булманы. Һәр ваҡыт эшләнем, ҡуртымға фатир һәм бала ҡараусы алырға аҡсам булды. Операция яһатҡан 2018 йыл ауырға тура килде, шунан етди уйлана башланым: бер-бер хәл булһа, балаларым ни эшләр? Ошоғаса үҙ өйөбөҙ ҙә юҡ. Башҡортостан – минең икенсе тыуған йортом. Беҙ улдарым менән Яңауылда теркәлгәнбеҙ, шунда ныҡлап төпләнергә ине", - ти ир. Ямалетдин Пенсия фондына дәүләт ярҙамына хоҡуғынан файҙаланыу буйынса мөрәжәғәт итеп ҡарай. Прокуратура ла иргә ярҙам итеүҙән баш тарта. "Пенсия фонды белгестәре ир кешенең Әсәлек капиталынан файҙаланырға хоҡуғы юҡ тип бара. Был бит – дискриминация! Мин рәсми рәүештә эшләйем, һалым түләйем. Балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы, страховка полистары, СНИЛС, ИНН кеүек бөтөн документтары бар. 18 йәш тулһа, армияла хеҙмәт итеү бурысы килеп тыуасаҡ. Тимәк, улдарым илгә хеҙмәт итергә тейеш, ә дәүләт ярҙамына хоҡуҡтары юҡ тигән һүҙ!" - тип аптырай атай. Хәҙер был хәлгә ҡарата юристарҙың ҡарашын беләйек. "Атай кеше дөрөҫ фекер йөрөтә. Әсәнең ниндәй ил гражданы булыуы мөһим түгел, атай ҡулында судтың ҡатындың әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе тураһында документ бар. Ә закон буйынса, берҙән-бер икенсе һәм артабанғы балаларҙы уллыҡҡа алған ирҙең дәүләт ярҙамына хоҡуғы бар. Тағы бер шарт: ир бығаса ошо хоҡуҡтан файҙаланмағаны тураһында Пенсия фондынан белешмә алырға тейеш. Был мәсьәлә судта хәл ителә", - тигән аңлатма биргән юрист Роман Петров Ufa.ru порталында. Ғөмүмән, ошондай ҡапма-ҡаршылыҡлы хәлдәр тормошта осрап тора, хоҡуҡтарыңды яулау өсөн дә ҡайһы саҡ көрәшергә тура килә. Фото шәхси архивтан. Дина Арсланова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 СОҠОР + - Күк күкрәгән тауыш ишетелгәндәй булды. Салт аяҙ көндә? Һағайып китте ир. Ҡолаҡҡа ғына ишетеләлер. Тик был дөрөҫ ине, иртәнге болоттар артыҡ йыраҡ китеп өлгөрмәгәйне, баяғы ел байраҡтарын болғап, уны был яҡҡа яңынан алып килде шикелле. Уйнап-шаярып йөрөгән болоттарҙың елгә асыуы килеп киттеме, күкте күкрәтеп сыбыртҡыһын шартлатып ебәрҙе лә эре тамсылары менән ерҙе ҡайыҙлай башланы. Ир һикереп торҙо ла ике ҡулына йәйеп биштәрен тотто, күҙен йомоп, ауыҙын асып, күккә йөҙөн борҙо. Битенә, күҙенә тейгән тамсылар уны һиҫкәндереп-һиҫкәндереп ебәрҙе. Ярылған ирендәргә тейгән һыу әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт бирҙе. Соҡор өҫтөндә генә ҙур йәйғор торғанын соҡор төбөндә тороусы ир күрмәй ине. Күҙҙәре йомоҡ, хәстәре башҡа ине. Әлеге мәлдә күңелендә ине йәйғор. Нисек килде, шулай тиҙ генә үтте ямғыр. Ир биштәргә йыйылған һыуҙы ебенә һеңмәҫ борон һемереп эсә һалды. Әлбиттә, һыуһын ҡанманы, шулай ҙа ҡырҡылып торған тамаҡ төбө йомшарып киткәндәй булды. Был ике-өс йотом һыу бер мәл киреһенсә ымһындырғысҡа, саҡырыусыға әйләнде. Бер аҙҙан түҙгеһеҙ булып элеккенән дә нығыраҡ һыу эскеһе килә башланы. Ҡапыл кесе ярау иткеһе килгәндәй булды. Нисә көн буйы бәҙрәфкә бармағанын уйлап алды. Эйе шул, һис кенә лә теләге булманы. Баяғы шешәгә ағыҙҙы. Шешә төбөн генә биләгән һары шыйыҡсаға ҡарап: "Запас торһон әле", - тип йылмайған булды. Соҡор төбө әҙерәк кенә дымланғайны. Балсыҡлы тупраҡтың өҫтөн генә һыпырып алып йомарланы ла, һыуын һығып ҡараны. Сыҡманы. Йомарламын бәрергә уйланы ла, туҡтап ҡалды. - Яңғыҙ түгелмен дәһә. Бында колобок йәшәгән дә, - тип уға йән өрөрҙәй булып ҡарап ҡатты. Тик йоморо икмәк таралырға ғына тора ине, шуға шешәне ҡулына алды ла... кире ҡуйҙы. Һыламаны. Һуңғараҡ шыйыҡсаның күпкә кәрәгерәк булыуы бар. Кеҫәһенән ҡулъяулығын тартып сығарҙы ла таралып ҡына китер йомғаҡты бар яҡлап бәйләп, бер генә урынын асыҡ ҡалдырҙы. - Бына күлдәкле лә булдың, әллә яулыҡлымы шул! Тимәк, һин ҡатын-ҡыҙ затынан. - Яңы дуҫын ул ипләп кенә стенаға терәп ҡуйҙы. Ҡойолорға, таралырға торған йомғаҡ Ирҙең күңелен күтәреп ебәрҙе. - Хәҙер сәй эсербеҙ, йәме. Бер аҙ ял итеп алайыҡ та, - тине лә "ҡурсағына" йөҙөн бороп ятты. Оҙаҡ ятты. Берәй тауыш юҡмы, тип һаҡ ятты. Бара-бара ҡурсағы уға йылмайғандай тойолдо. "Һе, иркә генә икәнһең үҙең. Миңә оҡшарға тырышаһыңмы? Йылмай-йылмай шулай. Нимә-ә? Мыҫҡыллап йылмаям? Минеме?" - ҡалҡынып ултырҙы ир. Күҙҙәре аларып китте лә, ул бармағын төртөп "ҡурсағына" ҡысҡырҙы: - Нимә ҡарап ултыраһың, ҡотҡар мине! Ҡотҡар, тим. Ҡара, аҡайып ҡарап тик ултыра. Минең ни ғәйебем бар һинең алда? Һиңә ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы? Ҡара, аяғын салып, ҡорһағын ярып йәйелеп ултырған да, минең тереләй ғазапланғанды кинәнеп күҙәтә. Белгең килһә, соҡорға мин хужа! Ана шулай, беҙ бөтәбеҙ ҙә шулай. Кешенең ғазаптарынан кинәнес кисерәбеҙ. Беҙҙе бер генә кеше ҡыҙғана, ғүмере буйы бер генә кеше ярата. Кем тиһеңме? Әсә-әй! Тынып ҡалды. Ғәйепле төҫ менән тағы "колобок"ҡа баҡты. - Ә мин һине йәлләйем. Эйе, йәлләйем, сөнки һин кеше түгел, һин - балсыҡ. Йәнһеҙ балсыҡ, - арты менән боролоп ултырҙы ла ер соҡорға тотондо. Ҡапыл нәҙек кенә селәүсен тартып килтереп сығарҙы. - Оһо, бөгөн минең уңышлы көн, һунарға сыҡһам, болан алған булыр инем икән дә. Селәүсендең ҡойроғонан (әллә башынанмы) тотоп, өҫкә күтәрҙе: - Һин селәүме? Әсәйең бармы һинең? Һин бөгөн селәү түгел, һин бөгөн... - оҙаҡ ҡына уйлап торҙо, хатта ауыҙҙары шайыҡланып китте. - Һин селәү түгел, һин - тауыҡ бото! - Селәүсенде өҫкә күтәрҙе лә ауыҙы эсенә төшөрөп ебәрҙе. - Фу, ҡалай тәмһе-ееҙ, ләкин туҡлыҡлы-ы. "Бына соҡор эсендә лә гонаһ ҡылдым, бер йән эйәһенең йәнен ҡыйҙым, - тип уйланы. - Ә ер өҫтөндә нисә миллион, миллиард кеше был ваҡытта гонаһ ҡыла. Уйлаһаң, күҙ аҡайыр!" Һуҙылып ятып ерҙе тыңларға тотондо. - Тсс... - Оҙаҡ тыңланы. - Ете миллиард пар аяҡ туҡ-туҡ, туҡ-туҡ ергә баҫып атлай. Эйе, ишетелә: туҡ-туҡ... Ете миллиард, ун дүрт миллиард аяҡ... Нисек инде шунса аяҡтың берәүһе генә булһа ла ошо урынға, ошо, - асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәй ҡалды, - 10 сутыйлыҡ биләмәгә баҫмай һуң ул, ә? - Иғтибарлап тағы ерҙең тын алышын тыңланы. - Бер кем килмәй, ә үҙҙәре ергә баҫып атлай. Туҡ-туҡ... Тф-еү, аяҡ тиһәм, был йөрәк тибә бит, атайыңдың ҡара мыйығы, әйтәйем. Үҙемдең йөрәк тибә ләһә. - Ике ҡулы менән йөрәген тотоп ултырҙы. - Туҡ-туҡ, тук-тук... Тип, тип, әйҙә, ваҡыт туҡтамағас, һин типкәс, мин йәшәйем әле. Тамаҡ туйҙы, төшкө ашҡа "корейский" селәүле фирменный блюдо тамам ғына булды, хәҙер бер тапҡыр бейеп алғанда ла мөмкин, тип уйланы. Нисек тә рухты һүндермәҫкә кәрәк. Тик күңеленә ҡапыл ғына бер төрлө моң да, көй ҙә килмәне. Шулай ҙа була икән. Ҡалҡына биргәйне, һыҙлауға түҙә алмай, ыңғырашып йығылып китә яҙҙы. - Аяҡ, аяҡ, бисәкәй, аяҡ шеште, нишләргә? Хирургҡа алып бар мине, Әминә. Балағын күтәрә биреп, һыҙлаған балтырын тотҡоланы. Шешкән урынды һыйпап ултырыу нисектер бер ләззәт тә бирә ине. Баҫып ҡараны, тик оҙаҡ та тормай, кире ултырҙы. Юҡ, былай сығып булмаясаҡ. Баяғы ҡаҙаҡ менән аяғын соҡорға тотондо. "Әҙерәк эренен ағыҙмайынса булмайҙыр... Минең урында атай булһа, ни эшләр ине икән? Ул да эрендән таҙартып, спирт менән йыуып, юл япрағы ҡаплар ине. Шеште былай дегәнәк япрағы ла һура инде. Тик уны ҡайҙан табаһың? Была не была, шунһыҙ был соҡорҙо һикереп сығып булмаясаҡ". Күҙен йомдо, ҡаҙаҡты өҫкә күтәрҙе лә шешкә сәнсте. Аяуһыҙ әсе ҡысҡырыуға соҡорҙан тупраҡтар ҡойолдо, күк көмбәҙе сатнап китте. Аңы томаланып, башын ситкә тайпылдырып ята бирҙе. Ә шештән, тире йыртылып, күп кенә эрен ағып килеп сыҡты. "А-ах. Күп йыйылған, шайтан. Сереп юҡҡа ла сығырмын бер заман..." Шулай ҙа һыҙлауы кәмене аяғының. Дезинфекция эшләргә ине лә, һыу менән йыуып, бер ус араҡы һөрткәндә... тамаҡты ла сылатҡанда. "Яра боҙолоп китеүе бар, ни эшләргә? Минең урында атайым?.." Иҫенә төштө. Бер шулай урманда утын әҙерләгәндә һөрлөгөп йығылып китеп, Зөбәйер танауын ҡанатҡайны. Ҡанды туҡтатып булмай бит, ҡәһәрең. Танау тишегенә ҡульяулыҡ та тыҡтылар, салҡан да ятып ҡараны. Юҡ. Шунда атаһы танауын ер менән томалағайны. Әлбиттә, тупраҡ аша ҡан һарҡып килеп сыҡты тәүҙә, шунан ысынлап та туҡтаны. "Ерҙән дә таҙа, ерҙән дә иманлы нәмә юҡ донъяла", - тигәйне шул саҡ атаһы. Тирә-яғындағы саңды, ҡатҡан балсыҡлы ерҙе усына йыйҙы ла яраһына һипте. Ер дауаһы килешер, тип балағын төшөрөп ҡуйҙы. - Атай, хәҙер һин ҡайҙарҙа икән? - тип ҡуйҙы. - Күктән мине ҡарап тораһыңдыр. Язалана, ҡазалана был балам, тип. Ныҡ һағынам үҙеңде. Һин етмәйһең миңә. Пенсияға сығып йыл да үтмәне, атаһы ҡапыл ғына биреште. Йүткерҙе, ябыҡты. Үҙе ауырыйым тип һис тә бәлә һалманы, үтер ул, тип йөрөнө. Райондан Өфөгә онкологияға йүнәлтмә бирҙеләр. Тикшеренергә. Яҡшыға өмөтләнгәйнеләр ҙә, тик... табиптар, ике айҙан үлә, тинеләр. "Нисек?" - тип аптыранылар. Аҡса бар, тинеләр. Бер ҙә булмаһа, кредит алырбыҙ, тип уйланылар. Мәскәүҙә дауалап ҡараһаҡ, тигән булдылар. Табип, Израилгә, хет Германияға алып бармайһығыҙмы, хәҙер һуң инде, ике айҙан ғүмере бөтәсәк, үпкәһендәге яман шеш ҡыҙыл үңәскә йәбешкән, тине. Ҡанһыҙ рәүештә. Уйлаһаң, дөрөҫөн әйтмәйенсә лә булмай инде. Ә атаһы улай уҡ ныҡ ауырыйым тип уйламаны ла, уға әйтмәнеләр. "Тиҙерәк әсәйең янына ҡайтып, уның ҡулынан сәй эсергә ине", - тип ултырҙы, бахыр. Бәлки, һиҙенгәндер ҙә. - Һиҙенгә-әнде-ер. Ысынлап та, ике ай ҙа биш көн тигәндә күҙҙәрен мәңгегә йомдо атаһы. Шуларҙы иҫенә төшөрөп ултырҙы Ир. "Балағыҙ йә яҡынығыҙ яман шеш йә ҡотолғоһоҙ сир менән ауырыймы? Һеҙ бар донъяға... юҡ, тәүҙә үҙегеҙ эстән кисереп, эстән янып, шым булаһығыҙ әле, шунан... ни эшләргә белмәй, бар донъяға яр һалаһығыҙ. "Ул ауырый, һеҙ ярҙам итмәһәгеҙ, ул үләсәк", - тип һәр кемгә, һәр мәрхәмәтле әҙәмгә өмөт менән бағаһығыҙ. Мин дә шулай һәр кемгә, һәр табипҡа, һәр хәҙрәткә шулай ҡарай инем. "Тик атайҙы ҡотҡарығыҙ, ярҙам итегеҙ, берәй нимә эшләгеҙ, йәшәһен ине..." Хәлегеҙгә ингән һәр кемгә һеҙ ышанаһығыҙ, ҡотолоу, ҡотҡарыу юлдарын тик ул ғына беләлер кеүек. - Уйҙарынан тағы ла ярһый барҙы Ир. - Ә уйлаһаң, был ҡайғы килмәҫ борон һеҙ кешелеккә бөтөнләй ышанмай, үҙ көйөгөҙсә көн итә инегеҙ. Хатта Аллаһҡа ла ышанмай, ул - мистика, ул юҡ, тип гонаһлы һүҙҙәр ҙә ысҡындыра инегеҙ. Мин, мәҫәлән, шулай инем. Эшләйем, донъя көтәм. Атай-әсәй мәңге йәшәр кеүек. Ауырлыҡ килгәс, мәсеткә йүгерә һалып барып, доға уҡытып хәйер ҙә бирҙегеҙ. Мин дә шулай иттем. Аллаһ ишетер, хәҙер бөтәһе лә һәйбәт булыр, тип уйлайым. Баҡһаң, ныҡ, хатта ныҡ ышанаһығыҙ икән Аллаһҡа ла, уның мәрхәмәтенә лә. Мәсет ишеге ҡайһы яҡтан асылғанын белмәһәгеҙ ҙә. Ҡөрьән ашына доға тыңлар өсөн түгел, тәртибе шулайҙыр, тип һурпа һемерергә барғаныңды оноттоңмо?" - Берәү хәйер биргән икән дә, - тип мыҫҡыллы йылмайҙы. "Ярай, мәсеткә инелде, доға уҡылды, хәйер һалынды. Ярҙам да иттеләр, ти, кәрәкле операцияға тейешле сумма ла йыйыла, мәрхәмәтле кешеләр күп, йәлләйҙәр, хәлеңә инәләр... - оҙаҡ итеп йомғаҡҡа ҡарап ҡатты Ир. Уйҙарынан уйылғыһы килде. - Тик Хоҙайҙың әмере башҡа, бер ни ярҙам итә алмай. Алма-ай. Эйе, Путин иң шәп табипҡа шылтыратып бойормаймы икән, Хоҙайҙың эше, Әжәлдең уйы башҡа, тәҡдире билдәле, ҡотҡарып булмаясаҡ. Һин бер ни эшләй алмайһың... Бына мин нисек ошо соҡорҙа, ҡотолғоһоҙ ҡоҙоҡта ятһам, шулай бер нисек тә ҡотҡарып булманы атайҙы. Уға һуҙылған арҡан да, баҫҡыс та ярҙам итә алмай ине. Хоҙай олатай ғына еңеллек бирә алды!" - Атаһын һағынып илағыһы килде, тик ни эшләптер күҙ йәштәре сыҡманы. Үҙенең хәле яман шештән дә былайыраҡ ине шул. Өсөнсө төн Йыраҡта эттәр өргән тауыштар ишетелгәндәй булһа ла, ир торманы ла, ҡолағын да тырпайтманы. Яҙмышына, әлеге хәленә күнеп тик ятты. Күңеле уяу ине. Һыуыҡ теймәһен, тип шешкән аяғын свитеры менән урап ҡуйҙы. Төн кисәге кеүек йылы, күк йөҙө йондоҙло ине. Һаҡал-мыйыҡ баҫып киткән йөҙөн, күҙ төптәрен ҡатып бөткән устары менән йыш һыпырғыланы. Шулай усының да, битенең дә йылыһын тоя ине. Күккә ҡарап ятыу ҙа ялҡыта икән. Ятҡан йә ултырған килеш быяла күҙҙәрен соҡорҙоң төпһөҙ стеналарына төбәп, шым ғына йыр һуҙҙы. Йырҙары ябай, ләкин танһыҡ ине. Ул йырҙарҙы бала сағынан алып иҫкә лә алғаны юҡ. Әле үҙҙәре телгә килде, аңға һеңде. " Һәр ваҡыт булһын ҡояш, Һәр ваҡыт булһын һауа, Һәр ваҡыт булһын әсәй, Булайым һәр саҡ мин". Йырҙы күңелендә "йырлап" бөткәс, кипкән ирендәрен ҡыймылдатып: - Булайым һәр саҡ мин. Иҫкә төшөрөп эҙләгән кеше бармы икән? - тип ҡуйҙы. "Әсәйем генә борсолоп ултырмаһа. Юлға сыҡмай тор, балам, тине, үтенеп тә һораны. Күҙҙәре ниндәй һағышлы ине, ә мин..." Бая килмәгән моң әле килеп төштөмө күңел соҡорона, ир ҡапыл һикереп торҙо ла бер аяғында һикергеләп бейергә кереште. - Баҫ ҡыҙым, Әпипә, һин баҫмаһаң, мин баҫам, Һинең баҫҡан эҙҙәреңә мин дә килтереп баҫам. Элеккесә хәл юҡ ине, йығылыуҙан ҡурҡып стенаға тотондо ла тағы ултырҙы. Килгән моң һағыш булып йөрәккә ятты. Йырлағыһы килде. Ҡысҡырып. Тик ауыҙ асылманы, күңел һәм уй ҡапҡалары ғына шар асылды ла, бар донъяға ауаз һалып, моң һәм ғәм тирбәлеп-тирбәлеп таралды. Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең? Толом-толом сәстәреңде көн дә килә күрәһем... (Дауамы. Башы 11-14-се һандарҙа). КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 383 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Минус 11-гә тиклем һыуытаБашҡортостан синоптиктары аҙнаның тәҙге өс көнөнә һауа торошона прогноз бирҙе.Башгидромет хәбәр итеүенсә, бөгөн республика халҡын болотло көн көтә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫә, урыны менән көсәйгәндә секундына 15-20 метр тиҙлектә. Һауа температураһы минус 2-нән плюс 3-кә тиклем.Шишәмбелә бер аҙ ҡар яуасаҡ, тип фаразлана. Юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә – минус 2-7 градус, урыны менән 11 градусҡаса һыуыта, көндөҙ – 0-дән минус 5-кә тиклем.Шаршамбыла шулай уҡ ҡар яуасаҡ һәм һауа торшо шишәмбеләге кеүек буласаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Минус 11-гә тиклем һыуыта Башҡортостан синоптиктары аҙнаның тәҙге өс көнөнә һауа торошона прогноз бирҙе. Башгидромет хәбәр итеүенсә, бөгөн республика халҡын болотло көн көтә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫә, урыны менән көсәйгәндә секундына 15-20 метр тиҙлектә. Һауа температураһы минус 2-нән плюс 3-кә тиклем. Шишәмбелә бер аҙ ҡар яуасаҡ, тип фаразлана. Юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә – минус 2-7 градус, урыны менән 11 градусҡаса һыуыта, көндөҙ – 0-дән минус 5-кә тиклем. Шаршамбыла шулай уҡ ҡар яуасаҡ һәм һауа торшо шишәмбеләге кеүек буласаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Рәсәйҙә аҙна һайын башҡа респиратор вирустары фонында грипп вирусының өлөшө арта бара. Шуға ҡарамаҫтан, әлегә Рәсәйҙең Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле түбән тип билдәләй. «Дөйөм алғанда, Әстрхан өлкәһендә һәм Алтай крайында, шулай уҡ өс ҡалала – Ырымбурҙа, Ставрополдә һәм Өфөлә халыҡ араһында аҙналыҡ эпидемик сиктәрҙең бер аҙ артыуы күҙәтелгән», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. http://www.bashinform.ru/bash/1404257/ фото/Pixabay Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Миләүшәнең әсәһе килергә тейеш ине бөгөн. Шуға ваҡ-төйәк эштәрен иртәнге рәттәрҙә үк ослап, ҡәҙерле кешеһен ҡаршы алырға йыйынды. Хәйер, эштәре тип, ул бит бөгөндән декрет ялында. Барлыҡ эше иркен һәм бөхтә фатирын тәртиптә тотоуға ҡайтып ҡала инде. Ул-был иткәнсе, әсәһе лә килеп төштө. Уны ҡаршылап, бер-береһенең арҡаһынан яратып алғандан һуң, Миләүшә, тәмле итеп бешеп килгән өйрәк әҙер булғансы тип, ҡунағына ҡул йыуырға ҡушып, күҙ йомған арала тигәндәй, сәй ултыртты. – Әсәй, әйҙә сәй эсеп алайыҡ, бер сәғәт тә үтмәҫ, үҙең күстәнәскә биреп ебәргән өйрәк һурпаһынан ауыҙ итербеҙ, – тип саҡырҙы табыны янына ҡунағын. Әсәй кеше балаһын төҙәтә һалды: – Алла бойорһа, тип һөйләш балам. – Эй әсәй, шулай тиһең дә ҡуяһың, бер сәғәттән ашай торған ашҡа ла Алла бойорһа тип әйтергәме ни? – Бер минуттан һуң ҡыла торған ғәмәлгә лә, балам. – Бер сәғәт һә тигәнсе үтә лә китә ул... Әсә менән ҡыҙ бер-береһенә ҡарап сәй табыны артында, газда талғын ғына утта ҡайнаған өйрәк һурпаһының тәмле еҫе тәьҫирендә тыуасаҡ бала, себерҙә эштә йөрөгән “кейәү балаҡай”, ҡалалағы, донъялағы хәлдәр тураһында әңгәмәгә күсте. Инде ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан ул мәшәҡәте осланыуға залға сыҡтылар. Йомшаҡ диванға килеп ултырғайны ғына, Миләүшә эсен тотто. Әсәһе шул уҡ секундта һиҙҙе эштең нимәлә икәнлеген. Ваҡыты еткән. – Балам, “Скорый”ҙы саҡыр. – Әле ваҡыты етмәгән бит әле, әсәй, – ҡыҙы үҙенекен ныҡышты. Тик эш тора-бара барыбер ҙә “ашығыс ярҙам”ға барып етте. Әсмә ашты үҙе, ҡыҙын оҙатҡас, бешереп бөттө. Шулай ҙа уны Миләүшә ауыҙ итә алманы. Бала ауыр килеп, янына инеү түгел, әйбер бирергә лә рөхсәт итмәнеләр. ...Бына ул бәхетле минуттар! Әсә кеше тәүге тапҡыр балаһын ҡосто! Ипләп кенә уның ҡолағына шыбырҙаны: – Балам, Алла бойорһа, хәҙер ашап алырбыҙ. Рәмил МАНСУРОВ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Танышырға танышыу сайттарында теркәү бушлай булғас, Германияла, Франкфурт-на-майне, утыҙ биш йәшкә тиклемге ҡыҙ менән танышырға утыҙ йыл - ВИДЕО ЧАТ - онлайн Мөхәббәт! ВИДЕО ЧАТ - онлайн Мөхәббәт! Танышырға танышыу сайттарында теркәү бушлай булғас, Германияла, Франкфурт-на-майне, утыҙ биш йәшкә тиклемге ҡыҙ менән танышырға утыҙ йыл Германияла осрашты Был матур мөхәббәт, бөтә ғүмеренең мөмкинлек табаЫсын романтик һәм ҡыҙыҡлы тәьҫораттар алырға йыйыныусы яңы танышырға мөмкин беҙҙең сайтта онлайн таныштырҙы. Һеҙ бында теркәлгән таныша ала алмай, улар һеҙгә баҫыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр онлайн таныша ала. Беҙҙең танышыу клубының профиль миллиондан ашыу көтөлә, улар араһында матур ҡыҙҙар һәм егеттәр бик күп ҡыҙыҡлы, мөхәббәт бар. Половинка тел табып, үҙ ғаиләһен булдырыу өсөн ныҡлы әгәр һеҙ, беҙгә бушлай танышыу сайттарына теркәлдем. һәм уларҙың һаны араһындағы нисбәт һүрәтләү яуап хәбәрҙәр һаны инә. Әгәр ул түбән булһа, һирәк файҙаланыусы яуап бирә, ә әгәр бейек, яуап булыу ихтималлығы күпкә юғары. Һүрәттәр, браузерҙәр эротическое, ҡулланыусы өсөн генә асыу, контент эротическое ҡарарға ризалаша. Был хаҡта күберәк белергә һәм үҙе ҡуйған өҫтөнлөк бирә. Һүрәттәге символдарҙы индерегеҙ эротическое әгәр был һеҙ булһағыҙ, шул булыу уның арзанға ғына файҙаланыусылар, улар контент эротическое ҡарарға ризалаша. Был хаҡта күберәк белергә һәм үҙе ҡуйған өҫтөнлөк бирелә, һеҙ уларҙы күрмәнегеҙ, - тип танышырға мөмкин буласаҡ теркәлгән. Был бушлай түгел, бер минутҡа күберәк биләй. Беҙ йәшеренлек гарантиялана. Күп варианттары теркәлгән кәрәк Һеҙ беҙҙең сайтта табырға мөмкин парҙар һәр саҡ бушлай таныша, ул осрашыу, осрау, ярата. Һеҙ беҙҙең сайтҡа теркәлгән һәм аралашыу мөмкинлеге булыу өсөн бары тик бер-береһен өйрәнергә тәҡдим итә. Төрлө ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныша ала, йәки беҙҙе бында һәр иҫ киткес ч теләһә нимә тураһында һөйләшеп таныша. Сайты - ярата заиграть бөтә илдән һәм реаль кешеләргә генә ҡала. Иң ҙур мәғлүмәт базаһы булырға беҙ интернетта танышҡан. Беҙ генә түгел, танышыу сайты түләүһеҙ булырға, һеҙ үҙегеҙ половинка селтәрендә табырға мөмкин. Беҙҙең малай һәм ҡыҙҙар өсөн иң уңайлы мәғлүмәт базаһы танышты эҙләп, беҙ ни эшләй абсолют түгел, ябай эшләргә өсөн таныштырҙы. Түләүһеҙ теркәлгән һәм күп ваҡытты алмай. Ҡулланыу тәҡдим ителгән"Шәхси","Инкогнито", хатта, һәм һ. Анонимайзер (Бүлек. Файҙаланыу веб-сайтынан килешеү пользовательский). - Без Танышыу сайттарына Теркәлдем бени Rendez-vous À San Francisco de Campeche pour Une relation Sérieuse рулетка менән телефон ч онлайн без теркәлгән 18 видео чат телефон номерҙары менән танышты ҡыҙ танышты секс видео ҡарай танышты фото танышты ҡыҙы таныштырҙы онлайн бушлай ч рулетка таныша видеочивать менән теркәлгән
Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында йәшәүсе Гөлнур Барый ҡыҙы Ғиззәтуллинаның ижадында мең балҡыштан торған тормоштоң үҙе сағыла... Ғүмеренең ҡайһы мәлен уның йондоҙло минуты тип атарға мөмкин икән? Һөнәри бейеклектең иң юғары баҫҡысына күтәрелеп, 2000 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика конкурсында Гран-при алған сағынмы? Әллә балалар ҡыуанысынан башы күккә тейгән ваҡытынмы? Бәлки, күлдән сыҡҡан Аҡбуҙ өйөрөләй эркелешеп ағылған шиғырҙарҙың иң аҫылын ҡағыҙға төшөргән илһамлы халәтендер? Шул алтын мәлдәрҙе «тотор» өсөн, ҡамыр баҫҡанда ла, Дим буйында бәпкә эҙләгәндә лә, ҡапҡа төбөндә балаларын көткәндә лә кеҫәһендә ҡәләм менән ҡағыҙ йөрөтә ул. Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында йәшәүсе Гөлнур Барый ҡыҙы Ғиззәтуллинаның ижадында мең балҡыштан торған тормоштоң үҙе сағыла... «Әсәйем таң һарыһынан һандуғас моңон тыңларға уята торғайны. «Ниндәй ҡөҙрәттәр менән бәләкәй генә ҡош эсенә шул ҡәҙәр моң һыя?» – тип хайрандар ҡалам. Өмөт, һөйөү, йәшәү тантанаһы – мең яңғырашлы ноталар ғаләмгә оса, әйтерһең, һандуғас ысыҡҡа хәтлем донъяны йырға күмеп ҡалырға талпына», – ти Гөлнур. Тылсымлы ҡош телдәре уның йәненә күсеп, бул­мышын биләгән, күрәһең. ...Бормалы Дим, ҡараш етмәҫ зөмрәт туғайҙар, күләгәһе менән көн ҡайнарлығынан ауылды ышыҡлаусы Көнаҙы тауы. Уның итәгендәге Ҡунҡаҫ ауылы боронғолоҡтоң иң матур ҡанундары һаҡланған бер донъя була. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделбарый Иҙрис улы һәм Рәшиҙә Ғәбделғәзиз ҡыҙының ғаиләһендә ете бала үҫә. «Заманына күрә, етеш йәшәнек. Атайым да, әсәйем дә бик тырыш ине. Ауылдағы тәүге телевизорҙы беҙ алдыҡ. Өй түрендә мандолина, гармун булды. Дебет кәзәһе, ҡуян тоттоҡ, ҡышын ҡулыбыҙҙа – мамыҡ бейәләй, башыбыҙҙа ҡабарып торған шәл ине. Дим аша күрше Илсеғолға йөрөп уҡыныҡ. Ғаиләләге ете баланан бөгөн икәү генәбеҙ...» – тип хәтер ебен һүтә Гөлнур Барый ҡыҙы. Үҙен ҡурсаулы, ҡанатлы иткән бала саҡ иленә ул күңеле менән ғүмер буйы һыйынасаҡ: Ҡояшы – саф алтын, Күге – гәлсәр, Ере – бәрхәт, Ә һыуҙары – көмөш... Әкиәттә түгел, Ә эргәңдә Йән иретер шундай ил бар, имеш. Ул илдә һәр кеше Дуҫ йә туған, Һәр үләне – хәтфә, Һәр япрағы – юрған. Иртә-кисе ҡоштар һайрауына, Йырға-моңға, Наҙға-нурға тулған. Унда көндәр оҙон, Йоҡо тәмле, Күбәләктәре ҙур, Тауҙар бейек. Һәр бер көнө Мөғжизәгә тулы – Был матурлыҡ һис бер үтмәҫ кеүек... ...Аҡ толпарҙай елеп, йылдар уҙасаҡ. Моңға ғашиҡ ҡыҙ йөрәген төбәктәге иң оҫта гармунсы – Миәкә районы Ерекле ауылының Хәниф тигән егете яулаясаҡ. Күк менән Ер, Ер менән Күк Ҡауышҡан саҡта, Мин һәм дә Һин, Һин һәм дә Мин, Табышҡан саҡта Бөгөнгөләй Тирә-яҡта Ҡар-буран ине, Ә йөрәктәр Ярһып торған Арғымаҡ ине, – тип хәтерләйәсәк һуңынан шул бәхетле миҙгелде Гөлнур. Бөткөһөҙ мәшәҡәттәр, хисапһыҙ шатлыҡтар, ҡатмарлы һынауҙар менән тулы тормош юлында ижад Гөлнур өсөн күңел бушатыр тоғро дуҫына әйләнә. Бәхеттәрҙең иң олоһон кисереп, өс балаға ғүмер бүләк иткәс яралған йөрәк йырҙары һәр әсәнең кисерештәренә ауаздаштыр. Торналар көньяҡҡа осҡанда, Аҡҡоштар күк йөҙөн ҡосҡанда, Йондоҙҙар балҡытҡас Ҡош юлын, Был донъяға, балам, һин тыуҙың. Аҡ ҡайындар кейенде алтындан, Ялҡындай балҡыны уҫаҡтар, Ҡояштың беренсе нурында Һин, бәпес, һыйындың ҡосаҡҡа... – Ҡөҙрәтле был һүҙҙәр баш балаһы Рөстәм өсөн урғылһа, түбәндәгеләре – Гөлнараһына төбәп яҙылғандарҙан: Күктә фәрештәләр бәпестәрҙе Ергә ебәрергә бүлгәндә: – Мин әннәгә булам, әннәгә, – тип, Һин өндәшкәнһеңдер иң тәүҙә... ...Һандуғас йырламай тора алмаған кеүек, Гөлнур яҙмайынса йәшәй алмай. Ләкин шиғырҙарының баҫылыуы, уларҙы китап итеп сығарыу уның өсөн мөһим түгел. Балалары иһә икенсе төрлөрәк уйлай. Әллә нисә шиғырын көйгә һалған улдары. «Парлыларға», «Туй йыры», «Айлы кис» тигән йырҙарҙы бигерәк тә яратып башҡаралар. Яҡын арала Рөстәм, Гөлнара, Нияз, әсәһенең бөтә ижадын йыйынтыҡ итеп туплап, исем туйы үткәреүҙе маҡсат иткән. Гөлнур Ғиззәтуллинаның йондоҙло минуттары, тимәк, алда әле! Альмира Кирәева. https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/a-byl-atyn-y/Mo-bal-ishi-291625/ Мәҡәләнең тулы вариантын "Башҡортостан ҡыҙы" журналының 5-се (2020 йыл) һанында уҡығыҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Күңелһеҙ хәл Саҡмағош районында теркәлгән. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә 14 йәшлек мәктәп уҡыусыһының өләсәһе мөрәжәғәт иткән. Пенсионер ханым белдереүенсә, июндә райондың бер ауылының йылға буйында уның ейәнсәре бер нисә мәртәбә "ике яҡтың да ризалығы" менән йәш кеше менән енси бәйләнешкә ингән. Ҡыҙҙың өләсәһе ейәнсәренең тыуған көнө алдынан был хәл тураһында полиция органдарына хәбәр иткән. Күрәһең, етенсе класта уҡыған ейәнсәре был ваҡиғаны сер итеп һаҡлағандыр ҙа, әммә түҙмәгәндер. Әле был ваҡиғаны асыҡлау маҡсатында райондың бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Уҡыусы баланы яман эшкә йәлеп иткән егет ҡулға алынған, әле был хәлгә ҡарата енәйәт эше асыу мәсьәләһе хәл ителә. Фото: zen.yandex.ru Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Yauap-birerg-tura-kil-s-k-378609/ Башҡортостан гәзите сайтынан алынды Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
26 ғинуар Ғилман ағай Ишкинин, үҙе иҫән булһа, 55 йәшен билдәләгән булыр ине… Мин уны туғандарса ағай тип әйтәм, сөнки ул беҙҙең өйгә йыш ҡына килә торғайны, әтейем – Хәсән Ғәлиәкбәр улы менән тормош тураһында һөйләшерҙәр ине. Уның менән осрашыуҙар ҙа үткәрҙе әтейем үҙе эшләгән Иҙәш мәктәбендә. Ауырып, Өфөгә дауаханаға ятырға тура килгәндә лә, Ғилман ағайҙың әтейем янына килеп, хәлен белешеп йөрөүе уның ябайлығы, кешеләр менән ихлас булыуы тураһында әйтә. Уның тураһында күпте һөйләргә була. Һүҙҙе Ғилман Ғирфан улы менән яҡындан таныш булған, 10 февралдә район мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ уның Хәтер кисәһен башлап ойоштороп йөрөүселәргә бирәйек. 26 ғинуар Ғилман ағай Ишкинин, үҙе иҫән булһа, 55 йәшен билдәләгән булыр ине… Мин уны туғандарса ағай тип әйтәм, сөнки ул беҙҙең өйгә йыш ҡына килә торғайны, әтейем – Хәсән Ғәлиәкбәр улы менән тормош тураһында һөйләшерҙәр ине. Уның менән осрашыуҙар ҙа үткәрҙе әтейем үҙе эшләгән Иҙәш мәктәбендә. Ауырып, Өфөгә дауаханаға ятырға тура килгәндә лә, Ғилман ағайҙың әтейем янына килеп, хәлен белешеп йөрөүе уның ябайлығы, кешеләр менән ихлас булыуы тураһында әйтә. Уның тураһында күпте һөйләргә була. Һүҙҙе Ғилман Ғирфан улы менән яҡындан таныш булған, 10 февралдә район мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ уның Хәтер кисәһен башлап ойоштороп йөрөүселәргә бирәйек. Шағирҙың ауылдашы Радмир Дәүләтбәков уҙасаҡ кисә тураһында, әлбиттә, бөтәһен дә асып бөтөрмәне: Сарала Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, яҡташыбыҙ Азамат Юлдашбаев, Ғилман ағайҙың дуҫы Лариса Абдуллина, ҡатыны, Ғилман ағай ҡулына алып, һөйөп тә, тыуып та өлгөрмәгән, хәһер инде 8 йәшен тултырған улы, актерҙар – кейәүе Шәһит Хамматов һәм яҡташыбыҙ Радмир Абдуллин ҡатнашасаҡ. Тағы нимәләр буласаҡ? Уныһын инде йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр килеп күреүең яҡшы булыр, тип уйлайым. Район китапханаһы директоры булып эшләгән осоронда китапханала, мәҙәниәт усаҡтарында Ғилман Ғирфан улы менән осрашыуҙар ойоштороп йөрөгән Нәзирә Кәримова ла иҫтәлектәре менән бүлешә: “Ғилман – ысын ир ине, Килеп тә етер ине, Тиҙ ярҙам итер ине, Күҙҙәрендә нур ине, Йөрәге тулы йыр ине!” Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай был турала белә, ә һеҙ белә инегеҙме... – Уның ижады башҡорт шиғриәтендә яңы йүнәлеш асҡанын... – Ғилмандың шағир ғына түгел, театр белгесе лә, йырсы ла, рәссам да, төҙөүсе лә булғанын... – Әлеге ваҡытта “Йәйәүле буран” проектында Ғилман Ишкининдың шиғырҙарын уҡығандарын.. – Башҡортостан яҙыусылар Союзы менән район хакимиәте йәш ҡәләмдәштәр өсөн “Ҡорама” тигән конкурс ойоштороуын һәм буласаҡ кисәлә еңеүселәрҙе билдәләргә уларҙың килерен... – ”Китап” нәшриәтенең “Сыңрау торна” серияһында иң беренсе булып Ғилман Ишкининдың “Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ аралар, ай, йыраҡ” шиғри йыйынтығы сыҡҡанын.. – “Һин минән шағир яһаның, Ә мин һинән – алиһә”. Мөхәббәт тураһында ошонан да матурыраҡ әйтеп буламы... – Районыбыҙҙың гимнына әүерелгән “Ейәнсура” йырының һүҙҙәрен дә, көйөн дә Ғилман Ишкинин яҙғанын... – Изге Рамаҙан айын данлаған “Рамаҙан” йырының авторы ла ул икәнен... “Әйлән-бәйлән”, “Мөхәббәтле телефон”, “Һанамағыҙ киткән...” һ.б. йырҙары танышмы... Әгәр ҙә белмәһәгеҙ, ишетмәһәгеҙ, күрмәһәгеҙ, килегеҙ хәтер кисәһенә! Үҙегеҙ өсөн иҫ киткес донъя асырһығыҙ. Ғилман Ишкинин донъяһын…” Шулай уҡ уның менән яҡшы таныш, аралашып Нурия апай Ҡунысбаева ла Ғилман ағай тураһында хәтирәләре менән бүлеште: Шиғриәтебеҙҙең атылған йондоҙҙары Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла, Буранбай Исҡужин, Рәмил Ҡолдәүләт, Ғилман Ишкинин... Уларҙы ваҡыт үткән һайын нығыраҡ асаһың, һағынаһың... Яҡташыбыҙ, шағир Ғилман Ишкинин ҡапма-ҡаршылыҡлы кеше ине. Балаларса бер ҡатлылығы менән берсә арбаһа, берсә ир-егет саялығы, ҡырыҫлығы, киҫкенлеге менән шаҡ ҡатыра ине. Шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡып,булмышын хәтерләп, уны, ниңәлер, суфый шағирҙар иҫәбенә индерәм. Үткер телле, тура һүҙле, үҙ ҡарашын һәр саҡ ҡыйыу яҡлаусы, фәйләсүф булыуы, социаль протест ноталары булыуы, иман юлында йыуаныс, күңел тыныслығын табырға ынтылыуы, кешеләрҙең кешелеклелеген дан-дәрәжә, байлыҡ-муллыҡ буйынса түгел, рухи донъяларын ҡарап билдәләү яғында булыуы, ябай кешеләр менән аралашыуға ынтылыуы, ...булыуы, лыуы, уы (Ғилманса булһын әле). Әле лә күҙ алдында: елкәһендә аҫылмалы сумка-ҡумта, унда китап. Үҙенең ауыр мәлдәре күп булһа ла, һуңғы тинен сығарып бирергә әҙер. Суфыйсылыҡтың дүрт рухи баҫҡысын үтмәһә лә, уларға яҡын итеп күрәм уны... Әммә ул бер ваҡытта ла суфый булманы. Тормошо ла, ижады ла ҡалыптарға һыйманы. Әммә.... Барыһын да асып бөтмәйем әле. 10 февралдә үтәсәк хәтер кисәһендә асырбыҙ Ғилман Ишкинин асылын. Килегеҙ! Ғилман ағай әҙәбиәт донъяһына килде, күренде, балҡыны, донъяға һоҡланды, бик күптәрҙе таң ҡалдырҙы һәм баҡыйлыҡҡа күсте. Тормошҡа ашмаған хыялдары, яҙылмаған шиғырҙары ҡалды… Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
(бөтә)IP биктәрҙән азат итеүАдминистраторы интерфейсаБейҙәрБоттарВики-ара индереүселәрИмпортёрҙарИҫәп яҙмаларын булдырыусыларЙәшереүселәрРаҫланған ҡатнашыусыларСтюардтарУправляющие подписками push-уведомленийУчастники, для которых заблокирован инструмент Информация об IPХакимдәрҠулланыусыларҙы тикшереүселәр Кәмендә бер үҙгәртеү индергән ҡатнашыусыларҙы ғына күрһәтергә Показывать только участников, временно состоящих в группах Булдырыу көнө буйынса тәртипкә килтерергә Кәмеү буйынса айырырға Күрһәтергә Comp1089 әңг. өл.‏‎ (бей, хаким) (Comp1089 ҡулланыусыһының теркәлеү ваҡыты: 14 ноябрь 2008 16:55) Kaganer әңг. өл.‏‎ (администратор интерфейса, хаким) (Kaganer ҡулланыусыһының теркәлеү ваҡыты: 4 август 2010 22:29) Ryanag әңг. өл.‏‎ (хаким) (Ryanag ҡулланыусыһының теркәлеү ваҡыты: 28 февраль 2012 10:49) ZUFAr әңг. өл.‏‎ (импортлаусы, хаким) (ZUFAr ҡулланыусыһының теркәлеү ваҡыты: 18 декабрь 2007 16:10) Регион102 әңг. өл.‏‎ (раҫланған ҡатнашыусы, хаким) (Регион102 ҡулланыусыһының теркәлеү ваҡыты: 25 сентябрь 2010 15:35) Рөстәм Нурыев әңг. өл.‏‎ (администратор интерфейса, хаким) (Рөстәм Нурыев ҡулланыусыһының теркәлеү ваҡыты: 30 декабрь 2005 05:43) Урынһыҙ файҙаланыуҙар һөҙгөсө әңг. өл.‏‎ (хаким) (Урынһыҙ файҙаланыуҙар һөҙгөсө ҡулланыусыһының теркәлеү ваҡыты: 17 декабрь 2018 04:42)
Үткән тәүлектә коронавирус менән сирләүселәр һаны 99 кешегә артып, 11343-кә еткән. Коронавирустан барлығы 10525 кеше шәбәйгән, шуларҙың 201-е үткән тәүлектә. COVID-19 менән йәнә бер үлем осрағы теркәлгән. Үткән тәүлектә коронавирус менән сирләүселәр һаны 99 кешегә артып, 11343-кә еткән. Коронавирустан барлығы 10525 кеше шәбәйгән, шуларҙың 201-е үткән тәүлектә. COVID-19 менән йәнә бер үлем осрағы теркәлгән. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Бына тағы айҙың бер аҙнаһын йомғаҡланыҡ. Әле генә башлана ла, әле генә үтеп тә китә ул аҙна тигәнең. Шулай ғүмер үтә... Бына тағы айҙың бер аҙнаһын йомғаҡланыҡ. Әле генә башлана ла, әле генә үтеп тә китә аҙна тигәнең. Шулай ғүмер уҙа. Ваҡыт бигерәк тиҙ үтеүсәнгә әйләнде һуңғы арала. Шуны һеҙ ҙә һиҙәһегеҙме? Өлгөрөп булмай, байтаҡ эштәр эшләнмәй ҡала кеүек...Шулай булһа ла, ни өсөндөр ваҡыт ҡәҙере лә юҡ кеүек тойолоп ҡуя. Ә һеҙ уйланғанығыҙ бармы уның ҡәҙере тураһында? Юҡтыр. "Кисә генә кеүек ине бит...", "Яңы ғына булған ине..." тип уфтанһаҡ та, уны ҡәҙерләмәйбеҙ беҙ. Ғүмеребеҙҙе сәғәттәр, көндәр буйы интернетта ултырып үткәрәбеҙ, ә яҡындарыбыҙ менән аралашырға ваҡытыбыҙ етмәй. "Хәлдәр нисек?" - тип, дуҫтарға смс юллауын юллайбыҙ, ә бына осрашып, күңелдәр булғансы һөйләшеп алыу өсөн әлеге шул ваҡыт юҡ... Дуҫтар, ошо ялығыҙҙы тулыһынса ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға бағышлап ҡарағыҙ әле. Атай-әсәйегеҙ янына ҡайтып килегеҙ. Тәмле бәлеш бешереп, туғандарығыҙҙы саҡырып алығыҙ. Балаларығыҙҙы барып күрегеҙ. Күмәкләшеп шыршы биҙәгеҙ. Ғаиләгеҙ менән китап, гәзит-журналдар уҡығыҙ. Дуҫтарығыҙҙы киноға, концертҡа саҡырығыҙ. Әйҙәгеҙ, ваҡытты файҙалыраҡ, мәғәнәлерәк итеп үткәрергә өйрәнәйек әле! Беҙгә йәшәр өсөн бирелгән ваҡыт бит ул! Бүләк итеп кенә бирелгән...
Нидерландта йәшәүсе Лоран Симонсҡа ни бары 9 йәш. Бер айҙан һуң ул Эйндховен техник университетын тамамлау тураһында диплом аласаҡ. Ул юғары белемде 1,5 йылда үҙләштергән. Нидерландта йәшәүсе Лоран Симонсҡа ни бары 9 йәш. Бер айҙан һуң ул Эйндховен техник университетын тамамлау тураһында диплом аласаҡ. Лоран 8 йәшендә урта мәктәпте тамамлаған. Университеттың тулы курсын үҙләштереү өсөн вундеркиндҡа 1,5 йыл ваҡыт еткән. Хәҙер ул юғары белемле иң йәш белгес һанала. Быға тиклем 10 йәшлек Майкл Карни АҠШ-тың Алабама университеты дипломын алып рекорд ҡуйған ине. Автор: Иҙрис Сәйетғәлиев. «Ҡыҙыл таң» гәзитенең сайтынан алынды. Фото: интернет селтәрҙәренән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ: бөгөн билдәле журналист, радио һәм телевидение алып барыусыһы Михаил Зеленский вафат булды. Уға ни бары 46 йәш ине. Асыҡланыуынса, әлеге ваҡытта ул ҡатыны менән Доминикана Республикаһында ял иткән. Рәсми рәүештә уның үлеме сәбәбе тураһында хәбәр ителмәһә лә, күп кенә сығанаҡтар белдереүенсә, ир инсульт кисергән. Журналист ҡапыл үҙен насар тоя башлаған, ҡатыны уны урындағы дауаханаға алып барған, әммә ғүмерен ҡотҡара алмағандар. Михаил Зеленский 1975 йылдың 7 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Һуңғараҡ ғаиләһе менән Хабаровскиға күскән, унда Хабаровск медицина институтына һәм Хабаровск физик культура институтына уҡырға ингән. Уҡыған сағында уҡ урындағы радиостанцияла диджей булып эшләгән. 1996 йылда кире баш ҡалаға әйләнеп ҡайтҡан һәм бында Мәскәү телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу институтына телерадиотапшырыуҙар алып барыусылар курсына уҡырға ингән. Тәүҙә “Рәсәй радиоһы” һәм “ТВ-Центр” телеканалында эшләй, аҙаҡ “Рәсәй” каналында “Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып бара. Шулай уҡ “Хәбәрҙәр-Мәскәү” тапшырыуын алып барған, “Рәсәй-24”, “Рәсәй-Мәҙәниәт”, “Рәсәй” каналдарында эшләгән. Фото: starhit.ru Автор:Альфия Мингалиева https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-12/mihail-zelenskiy-vafat-buldy-2651235 Михаил Зеленский вафат булды Автор:[email protected] Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Көндәрҙән бер көндө йәш егет намаҙҙа булғанында бик матур ҡыҙҙы күреп ҡала ла уның артынан йүгерә. Уға ғашиҡ булыуын һәм тик уны ғына кәләш итеп алырға теләүен әйткәс, ҡыҙ егеттең атаһы менән танышырға теләк белдерә. Атай кеше, әлбиттә, улының өйләнергә теләүен ҡыуанып ҡабул итә. Әммә буласаҡ киленде күргәс, үҙе уға ғашиҡ булып, үҙенә кәләшлеккә алыу теләге менән яна башлай. Ата менән ул араһында ыҙғыш сыға. Был хәлдән сығыу юлын тапмағас, аталы-уллы кәңәш артынан имамға бара. Имам, был икәүҙе тыңлағандан һуң, ыҙғыш төйөнөн сисеү өсөн ҡыҙҙың үҙенең дә булырға тейешлеген белдерә. Көндәрҙән бер көндө йәш егет намаҙҙа булғанында бик матур ҡыҙҙы күреп ҡала ла уның артынан йүгерә. Уға ғашиҡ булыуын һәм тик уны ғына кәләш итеп алырға теләүен әйткәс, ҡыҙ егеттең атаһы менән танышырға теләк белдерә. Атай кеше, әлбиттә, улының өйләнергә теләүен ҡыуанып ҡабул итә. Әммә буласаҡ киленде күргәс, үҙе уға ғашиҡ булып, үҙенә кәләшлеккә алыу теләге менән яна башлай. Ата менән ул араһында ыҙғыш сыға. Был хәлдән сығыу юлын тапмағас, аталы-уллы кәңәш артынан имамға бара. Имам, был икәүҙе тыңлағандан һуң, ыҙғыш төйөнөн сисеү өсөн ҡыҙҙың үҙенең дә булырға тейешлеген белдерә. Ҡыҙҙы күргәс инде көтмәгәндә: “Был ҡыҙ минең менән буласаҡ, талашып йөрөмәһәгеҙ ҙә була,” – тип белдерә. Инде ғауға өс ир-егет араһында ҡуба. Бер ниндәй ҙә уртаҡ фекергә килә алмағас, былар, мәсьәләне сисеү сараһын эҙләп, ҡадыйға юллана. Ҡазыйға, хөкөм сығарыу өсөн, ҡыҙҙың үҙен күрергә кәрәк була. Һылыу ҡыҙҙы күргәс, ҡазый, теге өсәүҙе ситкә ҡуйып, был ҡыҙ миңә тейешле, тигән ҡарарға килә. Сибәр ҡыҙҙы бер нисек тә ҡулынан ысҡындырғыһы килмәгән аталы-уллы һәм имам бындай ҡарар менән бер нисек тә килешә алмай. Ир-егеттәр араһында фетнә көсәйгәндән-көсәйә. Береһе лә үҙ һүҙенән дә, сибәр ҡыҙҙан да баш тартырға теләмәгән дүрт ир-ат, ғәҙеллек эҙләп, рәискә йүнәлә. Рәис һуңғы һүҙҙе әйтер алдынан ҡыҙҙың да булыуын теләй. Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙы күргәс: “Был сибәркәй минең менән генә булырға тейеш,” – тигән ҡәтғи талап ҡуя. Ғәҙеллек көҫәгән, ҡыҙ үҙенеке генә булырға тейеш тип иҫәпләгән ир-егеттәр араһында талаш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Һәр береһе, бар нәмәһен онотоп, тик ошо ҡыҙҙы ғына уйлай. Сибәр ҡыҙ инде көслө заттарға үҙ тәҡдимен индерә: – Кемегеҙ мине ҡыуып тота, шуныҡы буласаҡмын, - ти ҙә күҙ-ҡараштары менән уйнай-уйнай, шаяра-көлә алға йүгерә. Биш ир-егет нәмә белмәй, кемуҙарҙан уның артынан китә. Әлһерәп саба-саба, йән-фарман атылһалар ҙа береһе лә ҡыҙыҡайҙы ҡыуып етә алмай. Шулай саба торғас, бер-бер артлы тәрән, төпһөҙ упҡынға ҡолап төшә башлайҙар. Ҡыҙ туҡтап имәнес тауыш менән: – Минең исемем – Донъя. Күҙегеҙҙе ҡамаштырған гүзәллегем бары битлек кенә. Ә был – һеҙҙең ахырығыҙ. Күпме генә ҡыуһағыҙ ҙа мине барыбер ҡыуып тота алмаҫ инегеҙ, - ти ҙә шарҡылдап көлә-көлә артабан юлын дауам итә. Донъяның шундай алдаҡ, ялған ялтырауыҡлы булыуы хаҡында әллә күпме аяттар, хәҙистәр, риүәйәттәр килеүенә ҡарамаҫтан, күптәр уға алдана. Донъяүи бәхетте төп маҡсатына, йәшәү мәғнәһенә, йәшәйешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләндерә. Әлбиттә, бөтөнләйе менән донъянан айырылып та булмай. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Әммә донъя бер нисек тә төп маҡсат була алмай. Сөнки мәңге йәшәрҙәй булып донъя ҡыуыусы кешенең ғибәҙәткә ваҡыты ла ҡалмаясаҡ, донъя уның бар йөрәген ялмап, бар булмышын баҫып аласаҡ. Донъя әҙәм балаһын гел генә “иртәгә”ләр менән алдаштыра. Ә “иртәгә” бер ҡасан да етмәй, иртән тороуыңа һине тағы бөгөнгөң ҡаршы ала. Шул арҡала һәр кемебеҙҙең әллә күпме эштәре эшләнмәйенсә бушлыҡта юғалып ҡала. Күбебеҙ бит иртәгәнең еткәнен көтөп, икһеҙ-сикһеҙ, аҙағы булмаған мәңгелеккә күскәнен һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ. Шул донъяға алданып, күпме кеше үҙ асылынан – ғибәҙәттә булыуҙан баш тарта, йә ғибәҙәткә бик әҙ генә ваҡытын бүлә. Мәңге ҡыуып тотоп булмаҫ донъяны ҡыуыу өсөн һылтауҙар табылып ҡына торасаҡ: “мин әле йәш, күңел асып ҡалырға кәрәк”, “минең эшләй торған сағым, пенсияға сығып ҡына алайым”, “пенсияға сыҡтым да ул, хәтерем насар нишләптер”, “баламды башлы-күҙле итергә кәрәк”, “уҡыуымды тамамлағас”, “кейәүгә сыҡҡас” һәм башҡалар. Сәбәп итә башлаһаң, ул һылтауҙарҙың осо-ҡырыйы булмаясаҡ, “иртәгә” лә мәңге етмәйәсәк. Шул донъя тип күпме ағай-эне дошманға әүерелә, пыр туҙышып донъя бүлешә. Күпме әҙәм балаһы юлдан яҙа, яйлап-яйлап диненән ситләшә. Күпме ғәҙелһеҙлек, залимлыҡ барлыҡҡа килә. Күпме йәндәр ҡыйыла. Шул арҡала бит күбеһе был донъяла ла бәхетһеҙ була, әхирәт рәхәтлектәренән дә ҡолаҡ ҡаға. Был донъяла абсолют бәхет һис ҡасан булмаясаҡ, сөнки нәфсебеҙгә гел генә ниҙер етмәйәсәк. Нәфсегә бит шөкөр ҡыла белмәү, буш хыялдар артынан ҡыуыу, мәңге күпте өмөт итеү, тик үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыу хас. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: “Белегеҙ, был донъя – бары тик уйын-көлкө һәм күңел асыу, зиннәтлек һәм бер-берегеҙ араһында шапырыныу, күберәк байлыҡ һәм балалар табыуға ынтылыу. Ул ямғыр кеүек, унан һуң үҫкән үҫемлектәр кафырҙарҙы һоҡландыра, ләкин аҙаҡ улар ҡорой, һәм һин уларҙың һарғайғанын күрәһең, бынан һуң улар сүп-сарға әйләнә. Ә Әхирәттә ҡаты ғазап, Аллаһтан ярлыҡау һәм ризалыҡ бар. Был донъя – бары тик алдаҡ һоҡландырыусы ғына ул. Раббығыҙҙан булған ярлыҡауға һәм киңлеге күк менән ер киңлегенә тиң булған Йәннәткә ынтылығыҙ” (“Әл-Хәдид”, 20-21). Бары алдаҡ уйын ғына булған донъя өсөн туғанлыҡ ептәрен өҙөү, ерҙә вәхшилек таратыу, аҡсаны мөһим бер нәмәгә әйләндереү, кеше рәнйеше алыу, Раббыбыҙҙан ситләшеү кәрәкме беҙгә? Раббыбыҙ беҙгә күпме ниғмәттәрен биреп тора, ә беҙ һаман шөкөр итә белмәйбеҙ, һаман ҡомһоҙ нәфсебеҙҙе шаштырабыҙ. Кемдер бит, аяғынан яҙып, үҙ аяҡтарында урамдан бер йүгереп үтәһе ине тип хыяллана. Ә аяғы булғандар шул ниғмәтте күрмәй, уға мотлаҡ машина кәрәк. Әлбиттә, унда-бында күсеп йөрөр өсөн машинаң булһа, бик хуп. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, нәфсегә, ғәҙәттә, күберәк кәрәк. Был машина бармай уға, “иномарка” кәрәк. Уныһы ла булһа, тағы ла “текәрәген” көҫәй нәфсе. Кәрәкле урында шөкөр ҡылып, туҡтата белһәң ярай ҙа. Юғиһә, тиҙҙән шәхси самолет, яхта таптыра башлауы ла бар уның. Донъяның күҙ ҡамаштырырҙай ялтыр-йолтор биҙәүестәре бик күп. Шуға кеше һәр ваҡыт ялтырырағына ынтыла. Көмөшө булғанына алтын етмәй, алтыны булғаны инде гәүһәргә ынтыла. Күршенең дә тауығы гел генә ҡаҙҙай була ла ҡуя. Ә шөкөр итә белгәндәр тимерҙе лә гәүһәрҙәй ҡабул итә белә. Тауығында ла ҡаҙҙай ғына түгел, хатта һарыҡтай бәрәкәт таба. Аллаһы Тәғәлә беҙгә тәүлегенә 24 сәғәт биргән, ә беҙ шуның әҙ генә өлөшөн дә ғибәҙәткә йәлләйбеҙ. Аҙаҡ йәмһеҙ тештәрен ыржайтыр донъя тип әхирәт ниғмәттеренән баш тартыу ахмаҡлыҡ түгелме ни? Бер файҙаһыҙға телевизорға текәлеп, күршенең балаһы ҡайҙа, нимә эшләгән, үрге остағы Фәлән нимә һатып алған, аръяҡтағы Фәләндең ниндәй ғәйеп-гонаһтары барлығы хаҡында сәғәттәр буйы ғәйбәт һатып ултырырға ла әҙер кеше. Ә ғибәҙәткә гел генә ваҡыт табылмай. Ошо хәбәрҙе, йә рекламаны йөҙләгән кешегә ебәрһәң, бүләк бирәбеҙ тиһәләр, күбебеҙ ярты көн генә лә түгел көнө буйы телефон, йә компьютер алдында ултырырға әҙер буласаҡ. Мохтажлыҡтан да түгел, ә нәфсе күберәк теләгәнлектән. Мохтажһың икән, мөмкинселектәрҙе әйҙә ҡуллан, әммә нәфсе ҡолана ғына әйләнмә лә бит... Ҡөрьән уҡыуға килгәндә, текәлеп ултырырға тағы форсат табылмай. Төндәрен гәп һатыуҙар, кино ҡарауҙар ҙа йоҡо өсөн ҡамасау түгел. Әммә намаҙ өсөн төнгө ваҡыттың биш минуты ла йәл, ял кәрәк, йоҡо туймай. Таң тишегенән эшкә, йәки берәй осрашыуға, йә аҡса артынан барырға кәрәкһә, һәр кем, билдәле сәғәт телдәре һуғып, уятҡыс ҡысҡырыу менән “һә” тигәнсе тороп ултырасаҡ. Йылы түшәк тә, йоҡоноң иң тәмле сағы булыуы ла туҡтата алмаясаҡ. Ә Раббыһы алдына баҫырға – иртәнге намаҙға биш минут ваҡыт бүлергә кәрәкһә, гел йоҡо килә, йылы юрған “ҡосағынан” ебәрмәй. Ә бит Аллаһы Тәғәлә сәбәпһеҙ ҡалдырылған бер намаҙ өсөн етмеш йыллыҡ ут ғазабы көтөүе хаҡында иҫкәртә. Фәлән-фәлән ерҙә бушҡа алма тараталар тиһәләр ҙә күптәр шунда ашығасаҡ. Ә гонаһтарҙан арыныу, әжер-сауаптар алыу, йә пальма ағастары вәғәҙә ителгән ғибәҙәт төрҙәренә, зикерҙәргә килгәндә тағы ваҡыт булмай сыға. Сөнки әлеге лә баяғы донъя булмышты ялмап, башты бутай. Шул донъянан күпте өмөт итеп, күпме алданабыҙ, һаман бушлыҡҡа һонолабыҙ. Ә бит был донъянан берәү ҙә яҙылғанынан артығын ала алмаясаҡ. Ахырына – үлеменә килеп еткәндә бер кем дә донъя малын да, балаларын да, бергә күңел асҡан дуҫ-иштәрен дә үҙе менән бергә алып китә алмаясаҡ. Тик ғәмәлдәр генә үҙебеҙ менән буласаҡ. Ахырыңа килеп еткәндә ниндәй хәлдә булыуың бик мөһим. Ялған гүзәллеккә бөркәнгән донъяға алданып, ҡараңғылыҡҡа ҡоларһыңмы, әллә ғибәҙәттә булып, яҡтылыҡҡа сумырһыңмы. Әлбиттә, бар нәмә лә тик Раббыбыҙ ҡулында, Уның мәрхәмәтендә. Әммә бер ниндәй ҙә ихласлыҡ күрһәтмәгән, Уның ризалығына ынтылмаған көйөнсә нисек Уның мәрхәмәтенә өмөт итмәк кәрәк? Аллаһы Тәғәлә һәр бербеҙҙе Үҙенең ихлас ҡолдары итеп, Үҙ ризалығына ирештерһен, Йәннәт ҡапҡаларын асһын, Йәһәннәм утынан аралаһын ине. Амин. Сығанаҡ - билдәһеҙ. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ҡытайҙың Ухань провинцияһында табиптарҙы Аллаһ вәкилдәре урынына күрәләр һәм уларға арнап йырҙар сығаралар. Ҡытайҙың Ухань провинцияһында табиптарҙы Аллаһ вәкилдәре урынына күрәләр һәм уларға арнап йырҙар сығаралар. Ә табиптар эпидемия ваҡытында тере ҡалыу серҙәренә өйрәтәләр. Уларҙың ентекле күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһендә шундай һығымта яһарға мөмкин: кешеләр үҙ араларында теүәл дистанция һаҡларға тейештәр. Һәр осраҡта ҡулдарҙы һәм битте һабынлап, дөрөҫ йыуыу сирҙән һаҡлай. Битлектәрҙе дөрөҫ кейеү йоғошло сирҙән ҡотҡара. Ә бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 60 йәштән өлкәндәрҙең һәм хроник сирҙәр менән ауырыусыларҙың һаҡланыуын тәьмин итергә ҡуша. Үлем осраҡтарының 95 проценты 60 йәштән өлкән һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан баҫымы, диабет сирлеләргә тура килгән. Үлем осраҡтарының 95 проценты 60-тан өлкән йәштәгеләр иҫәбендә, ә 50 проценты – 80 йәштән өлкәндәр иҫәбендә. Үлгән ун кешенең һигеҙе бер йәки ике хроник сир менән ауырыған. Әлеге көнгә Европала 30 меңдән ашыу кешенең үлеме теркәлгән. Вафат булыусыларҙың 90 проценты Италия, Испания, Франция һымаҡ алдынғы илдәргә тура килә. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Яҡынса 3-4 кг боросҡа:-1 cтaкaн шәкәр-1 cтaкaн һеркә-1 cтaкaн үҫемлек майы-1 стaкaн һыу-1 аш ҡалағы тоҙ, бер аҙ борсаҡ борос, 1-2 дана лавр япрағы.Боросто оҙонсалап (һаламлап) турайбыҙ... Тулыраҡ беҙҙең сайтта Яҡынса 3-4 кг боросҡа: -1 cтaкaн шәкәр -1 cтaкaн һеркә -1 cтaкaн үҫемлек майы -1 стaкaн һыу -1 аш ҡалағы тоҙ, бер аҙ борсаҡ борос, 1-2 дана лавр япрағы. Боросто оҙонсалап (һаламлап) турайбыҙ. Маринадта 10 ҡайнатабыҙ. Стерилләштерелгән банкаларға сәнске менән тығыҙлап тултырабыҙ, маринадты боростоң өҫтөн ҡаплағансы һалабыҙ ҙа ҡапҡастар менән ябып ҡуябыҙ.
Күберәк саф һауала йөрөп, саңғыла, тауҙа шыуып, туйғансы йоҡлап, киләһе ял көндәрен файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ Һеҙҙең иғтибарға сәләмәтлеккә ҡағылышлы бер-нисә файҙалы мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ. Баш мейеһе эшмәкәрлеген насарайтыуға килтергән туғыҙ сәбәп бар. Уларҙы һанап үтәйек. 1. Йоҡо туймау. Бөтә донъя сәләмәтлек ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йөҙ йылда кеше уртаса 20 процентҡа аҙыраҡ йоҡлай башлаған. Йоҡо туймауҙан баш мейе күҙәнәктәренең үлә башлауы мөмкин. 2. Иртәнге ашты ашамау. Быныһы иһә эшкә һәләтлелекте кәметә. Иртән ашамағас, ҡандағы шәкәр күләме кәмей. Был үҙ сиратында баш мейеһенә туҡлыҡлы матдәләрҙең килеүен әкренәйтә. 3. Тәмле-татлы ашау. Шәкәр күп булыу сәбәпле аҡһым насар үҙләштерелә. 4. Стресс. Күңел көсөргәнеше хәтерҙең насарайыуына килтерә, интеллектуаль мөмкинлектәрҙе кәметә. 5. Йоҡлата торған дарыуҙар һәм депрессияға ҡаршы препараттар. Улар шулай уҡ хәтерҙе насарайта. 6. Тәмәке тартыу. Никотин ҡан тамырҙарын ҡыҫа. Альцгеймер ауырыуы барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын арттыра. 7. Ҡояш нурҙары етмәү. Ультранурҙар ҡан әйләнешен, йәғни кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр килеүҙе көйләй. Шулай уҡ улар кешенең кәйефенә тәьҫир итә торған серотонин гормонын барлыҡҡа килтерергә ярҙам итә. Һәр көн биш минут булһа ла саф һауала йөрөргә тейешбеҙ. 8. Һыу етмәү. Ул баш мейеһенә насар йоғонто яһай, уның эшкә һәләтлелеген кәметә. 9. Мәғлүмәттең күп булыуы. Был, бер ҡарағанда, баш мейеһе өсөн күнекмә генә кеүек. Әммә мәғлүмәт күп булһа, кеше аңы уны үҙләштерергә өлгөрмәй. Иртәне файҙалы ризыҡтарҙан башлағыҙ! Был эсемлекте көн һайын иртәнсәк ҡабул итһәгеҙ, аҙна-ун көндән организмығыҙҙа еңеллек, яҡшы үҙгәрештәр тойорһоғоҙ. Сәләмәт булайыҡ! Файҙалы эсемлекте әҙерләү өсөн 0,3 литр һөт, 3 аш ҡалағы ҡоро һоло ярмаһы (“Геркулес” та мөмкин), бер банан, бер аш ҡалағы бал кәрәк. Һоло ярмаһы өҫтөнә өс-дүрт аш ҡалағы һөт ҡойоп, блендерҙа ваҡлағыҙ. Ошо массаға банан һәм бер аш ҡалағы бал һалып, яҡшы итеп болғатығыҙ. Артабан ҡалған һөттө өҫтәп, блендерҙа туғығыҙ. Иҫкәрмә: эсемлек витаминдарға байыраҡ булһын өсөн һоло ярмаһы мотлаҡ ҡоро килеш, йәғни бешермәйенсә ҡулланығыҙ һәм эсемлекте иртәнсәк эшләп, шунда уҡ эсеп ҡуйығыҙ. Бананды башҡа төрлө емештәр, мәҫәлән, еләк, көртмәле, ҡарағат менән дә алмаштырырға мөмкин. Ашығыҙҙың шифаһы тейһен, сәләмәт булайыҡ! Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Бөгөн, 14 декабрь, Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы Башҡорт теле көнө үткәрелде. Ошо матур байрам айҡанлы Арт-квадраттың «ЛОФТ» ивент-холында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектар презентацияһы үтте. Презентацияла бер нисә яңы проекттар күрһәтелде. «Башҡортсофт» онлайн тәржемәсеһе (https://bashkortsoft.ru/) көндән-көн модернизациялана, шул яңылыҡтар тураһында техник фәндәр кандидаты Хөсәйенов Айҙар Фаил улы һөйләп үтте. Икенсе проект — Glosbe (https://glosbe.com/) — универсаль күп телле кроссплатформа онлайн-һүҙлек һәм тәржемәсе. «Башҡорт теле Glosbe һүҙлегендә» проектының үҙенсәлектәре менән йәмғиәтсе, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының документтарҙы цифрлау бүлеге мөдире Искәндәр Алик улы Шәкиров таныштырҙы. Артабан Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе Гөлфирә Рәис ҡыҙы Миңлеәхмәтова “Интерактив башҡорт теле – 2” веб-ресурсы, унда тупланған онлайн дәрестәр, интерактив күнегеүҙәр менән таныштырып, улар менән эшләү үҙенсәлеге хаҡында һөйләп үтте. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. «Башҡорт булып уйнау» — киләһе үҙенсәлекле проектты Мәскәү ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙ Күсәрбаева Әлфиә Самат ҡыҙы тормошҡа ашыра. Был проект башҡорт мәҙәниәтенә, көнкүрешенә бәйләп эшләнгән өҫтәл уйыны. Балалар өсөн дә, ололар өсөн дә, башҡорт булғандар һәм башҡорт булмағандар өсөн дә шәп уйын, тип иҫбатлай автор. 🌐 Сараны үҙенең матур сығыштары менән йырсы Сабина Кучаева, Гәлсәр Байғусҡарова, ҡурайсы Юлай Ҡасимов һәм скрипачка Резана Вәлиева йәмләне. Ә сара сиктәрендә бүләкләнгән «Минең әкиәт» конкурсы еңеүселәренең исемлеген иртәгә беҙҙең сәхифәлә көтөгөҙ. Сараны ойоштороусылар Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто. Фотолар: https://vk.com/album-182678571_282331850 #БашФонд#Башкортостан#БашҡортТелеКөнө ИНН/ КПП — 0278940230/ 027801001 ОГРН — 1180280025023 Счет — 40703810606000001764 Банк — БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ N8598 ПАО СБЕРБАНК БИК — 048073601 К/счет — 30101810300000000601 Соцсети Вконтакте YouTube Эл.почта fondbash@bk.ru Телефон 8 (347) 246-58-24 Юридический адрес Ул. Революционная, 43 Фактический адрес Ул. Цюрупы, дом 17 ИНН/ КПП - 0278940230/ 027801001 ОГРН - 1180280025023 Счет - 40703810606000001764 Банк - БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ N8598 ПАО СБЕРБАНК БИК - 048073601 К/счет - 30101810300000000601 Использование материалов запрещено без письменного согласия © Фонд по сохранению и развитию башкирского языка, 2018 г. Обратная связь Оставьте свои данные и мы перезвоним, чтобы ответить на Ваши вопросы. Отправить заявку Нажимая на кнопку, вы даете согласие на обработку персональных данных и соглашаетесь с политикой конфиденциальности.
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда йәш эшҡыуарҙар үҙ бизнесын үҫтереү өсөн ярҙам - 250 мең аҡса алды. Был “Һин-эшҡыуар” федераль программаһына ярашлы башҡарыла. - Һин грант алыусылар исемлегендә юҡ. Ни өсөн? Йәш түгелме, бизнес башланғыс түгелме? - Йәш эшҡыуарҙар-иҡтисад үҫешенең төп ресурсы һәм мөһим капиталы тип иҫәпләнә. Һәм йәш эшҡыуарҙарҙы әҙерләүҙең системалы төҫ алыуын билдәләргә кәрәктер. Әммә һәр саҡ дәүләттән көтөп ятырға кәрәкме икән? - Һуңғы арала хатта өлкәнерәк эшҡыуарҙар хөкүмәт мотлаҡ ярҙам итергә тейеш, шунһыҙ булмай, тип бара. Һин үҙ көсөң менән генә башлап дауам иткән кеше? - Һөнәрең буйынса юрист? - Башта һөнәрен буйынса эшләп тә ҡараның? - Әммә 3-5 йыл эсендә жигулинан Ауди 6 машинаһына күсеп ултырҙың. Сере ябай? - Бөгөн йәш эшҡыуарҙар алдында ниндәй проблемалар тора? - Ғөмүмән, эшҡыуарлыҡ алдында? - Һиңә лә ул юлдарҙы үтергә тура килде, килә һәм киләсәк. - Йыш ҡына эштең башында уҡ ташлайҙар, кредиттарға баталар, ниндәйҙер шикле кешеләр менән бәйләнешкә инеп бөтәләр? - 90-сы йылдарҙағы кеүек ҡурҡыныс хәлдәр ҙә юҡ? - Бар нәмәне лә һатып алып, төртөп, кемделер майлап ҡына ла бизнес эшләп булмай? Коррупция сәскә атыуына ҡарамаҫтан? - Ниндәй өлкәлә үҙ эшеңде башлау һөҙөмтә бирәсәк тип иҫәпләйһең? - Бөгөн, мәҫәлән, туризм, мәҙәниәт кеүек өлкәләр инвесторҙарға мохтаж. Һин уларға ярҙам ҡулын һуҙа алаңмы? Мәҫәлән, шул уҡ башҡорт киноһын, башҡорт халҡының тарихын сағылдырған фильм булһын?
Башҡортостандың фән һәм юғары белем тармағында ҙур үҙгәрештәр буласаҡ. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡушҡас, Рәсәй күләмендә көнәркәшлеккә һәләтле супервуз барлыҡҡа килер тип көтөлә.«Башинформ» фотоһы.Дауамы: Башҡортостандың фән һәм юғары белем тармағында ҙур үҙгәрештәр буласаҡ. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡушҡас, Рәсәй күләмендә көнәркәшлеккә һәләтле супервуз барлыҡҡа килер тип көтөлә. Үҙгәртеп ҡороу ике-өс йыл буйы барыр, тигәйне Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин «Россия 24» телеканалына биргән интервьюһында. Ҡушылыу был ике вуздың студенттар һәм уҡытыусылар һанына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, уларҙың һаны әлегенән дә күберәк буласаҡ, тине ул. Ә бөгөн КП-Уфа баҫмаһына биргән интервьюһында Александр Сидякин буласаҡ вуздың исеменә туҡталды. Варианттар күп һәм улар араһында әлегә Башкирский университет науки и технологий тигән атамаға өҫтөнлөк бирелә икән. Элекке сығыштарҙа һәм интервьюларҙа республика етәкселеге вәкилдәре атамала “Башҡорт” һүҙе мотлаҡ ҡаласаҡ тигәйне, шуға уны Башҡорт фән һәм технологиялар университеты тип тәржемә итергә кәрәктер. Чиновник әле Башҡортостанда ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән ғалимдарҙың уртаса йәше 65 икәнен һәм уларға алмашҡа килеүселәр юҡлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Белемле, өмөтлө йәштәр ситкә китеп тора, тине ул. Республика етәкселәренең, Башҡортостанда ылыҡтырғыс, ҡеүәтле, әһәмиәтле вуз хасил итергә теләп, хатта 6 вузды берләштерергәме икән, тигән вариантты ла ҡарауын һөйләне. Ул сағында бер юлы 100 мең студент уҡыған һәм илдә иң ҙурҙар иҫәбенә ингән уҡыу йорто барлыҡҡа килер ине. Ике юғары уҡыу йортон берләштереп, яңы вузды «Приоритет-2030» программаһына индереү, бюджетын 6 миллиардҡа тиклем ҙурайтыу маҡсаты ҡуйыла. «Башинформ» фотоһы. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы иҫегеҙгә төшөрә: ғәмәлдәге Ҡануниәткә ярашлы, ҡорал һаҡлау хоҡуғына рөхсәт биш йылға бирелә. Шулай уҡ был ваҡытты оҙайтыу өсөн ҡорал эйәһе йәшәгән урыны буйынса лицензия биреү бүлегенә рөхсәт мәле бөтөүҙән бер ай элек мөрәжәғәт итергә тейеш. Кире осраҡта граждан административ яуаплылыҡҡа (ҡоралын алдырмайынса ғына) тарттырыласаҡ. Ә инде ҡорал эйәһенең рөхсәт ваҡыты үтһә һәм ул уны оҙайтыу өсөн бер ниндәй ҙә сара күрмәһә, был саҡта уға административ яуаплылыҡтан тыш, ҡоралынан ҡолаҡ ҡағырға тура киләсәк. Дмитрий Дегтярев, БР буйынса Росгвардия идаралығының лицензия-рөхсәт эштәре бүлеге өлкән инспекторы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Яҡтар углеводородтар баҙарындағы хәлдәр буйынса фекер алышты.Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Сәүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән бен Абдель Әзиз Әл Сәүд донъя баҙарындағы углеводородтарға бәйле ағымдағы хәлдәр буйынса фекер алышты һәм ОПЕК+ форматында эшмәкәрлекте координациялауға әҙерлектәрен белдерҙе. Был турала Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. «Сәүд яғы инициативаһы менән Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Сәүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән бен Абдель Әзиз Әл Сәүдтың телефон аша һөйләшеүе үтте. Донъя баҙарындағы углеводородтарға бәйле ағымдағы хәлдәр бик ентекләп тикшерелде. Ике яҡ та ОПЕК+ форматында донъяның нефть баҙарында тотороҡлоҡ булдырыу буйынса эшмәкәрлекте координациялауға әҙерлектәрен белдерҙе». Кремлдән белдереүҙәренсә, һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар төрлө кимәлдә бәйләнештәрҙе дауам итергә килеште. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ғафури районында ағинәйҙәр ҡор йыйҙы. Бөгөн республика халҡын ғына түгел, унан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙе лә “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге менән таныштырып тороу кәрәкмәй. ХХI быуат башындағы ҙур үҙгәрештәр ваҡытында барлыҡҡа килгән был хәрәкәт зарурлыҡтан, эске инаныуҙан, халҡыбыҙ алдында килеп тыуған һорауҙарға яуап эҙләүҙән, һыҙланыуҙарға дауа табырға теләүҙән барлыҡҡа килде, тип аңлайым. Шулай булмай тағы: колхоздар тарҡалып, дөйөм халыҡ эшһеҙ ҡалған осорҙа, ир-егеттәр Себергә юлланған саҡта ҡатын-ҡыҙ боронғо дәүерҙәге кеүек ғаиләгә генә түгел, ә ил-йортҡа идара итеү, ундағы ваҡиғаларҙы көйләү эшен дә үҙ ҡулына алды. Уҡлыҡая буйында Әгәр бөгөн Башҡортостан Милли кейем байрамында Рәсәйҙә рекорд ҡуя икән һәм унда Башҡортостандың райондарында, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнашып, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төрлө ырыу башҡорт кейемдәрендә майҙанға сыға икән, бында тәү сиратта “Ағинәй”ҙәрҙең баһалап бөткөһөҙ роле ҙур! Тап улар үҙ ҡулдары менән сәхнә өсөн түгел, ә этник милли кейемебеҙҙе тергеҙеүҙе башлап ебәрҙе. Улар етеҙ тиҙлек менән аҡҡан ваҡыт ағымына шундай уҡ йылдамлыҡ менән ҡушылып, тиҙ арала кейемдәр тегергә, ҡашмауҙар, түшелдеректәр эшләргә өйрәнеп тә алды, шунда уҡ ошо әйберҙәре менән халыҡ араһына, сараларға, урамдарға, йыйындарға сыҡты. Нимә һуң ул милли кейем? “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигән халыҡ мәҡәленә таянып, шуны өҫтәгем килә: башҡорт милли кейеме менән беҙгә ҡот ҡайтты, ырыҫ өҫтәлде, бәрәкәтебеҙ артыр, тигән өмөт уянды. Бындай кейемде кейеп әшәке хәбәр һөйләп, һүгенеп, араҡы эсеп ултыра алмай ҡатын-ҡыҙ, ул башҡорт ҡатынын өләсәйҙәр ҡеүәтенә, уларҙың рухи маҡсатына, ниәтенә, боронғолоғобоҙға бәйләй. Ғафури районының иң матур урындарының береһе – Уҡлыҡая буйындағы Ташаҫты ауылы эргәһенә республиканың 41 районынан һәм Силәбе өлкәһенең биш районынан ағинәйҙәр “Сигеүҙәрҙә – күҙ нуры” тип аталған ҡорға йыйылды. Шағир Салауат Әбүзәровтың тыуған яғы был. Бар тирә-яҡҡа яңынан, башҡаса, Салауатҡа, уның ижадына ҡараған кеүек баҡтым. Талантты тыуҙырған әсәй ҙә ошо ауыл ҡыҙы бит. Көн бына-бына түгеләм тип тора ине, әммә, Аллаға шөкөр, болоттар таралып, көн асылып китте, өҫтән яуырға торған ямғыр ҙа сара тамамланғансы тынып ҡалды. Ғафури районы ағинәйҙәре замандаштарын ҡаршыларға бик ныҡ әҙерләнгәйне: башҡорт милли аштарынан һығылып торған өҫтәлдәр, милли йолаларҙы, кәсептәрҙе, ҡул эштәрен сағылдырған күргәҙмәләр, шунда уҡ ҡул эштәрен өйрәткән оҫталыҡ дәрестәре биреп торалар. Силәбе өлкәһе ағинәйҙәре был урынға таңдан килеп етеп, республиканыҡыларҙы көтөп торған. Ул арала Ғафури районының был төбәгенең йәменә һоҡланып, йырлап, бейеп тә алған. Әйткәндәй, улар бында иң ҙур делегацияларҙың береһе булып килгән. Сарала Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, республика “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, “Тамыр” телеканалы директоры, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Гөлназ Ҡолһарина һәм “Башҡортостан” гәзите исеменән миңә ҡатнашырға насип булды. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов төбәктең ағинәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен генә әйтеп ҡалманы, ә Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Ғафури районында 16 ауыл хакимиәте, уларға 95 ауыл ҡарай икән. “Ауылдарҙы яңыртыу, тәртипкә килтереү, сәләмәт тормош алып барыу, мәҙәни саралар үткәреүҙе бергәләп эшләйбеҙ. Ағинәйҙәр халыҡ менән һөйләшә, күрешә, тәртипкә өндәйҙәр, бала-саға менән даими осрашып торалар, район ҡоролтайы менән бергә эшләйҙәр, дин мәсьәләләрен дә онотмайҙар. Ошолай әүҙем эшләүҙәре өсөн Рәмзиә Монасипова етәкселегендәге ағинәйҙәргә ҙур рәхмәт!” – тине Фәнзил Фәиз улы. Байрам башҡарған эштәргә йомғаҡ яһап, алдынғыларҙы билдәләү өсөн дә уңайлы. Ә гүзәл заттар ысын мәғәнәһендә төбәктәрҙә ҙур эш башҡара, ауылға, тирә-йүнгә күҙ-ҡолаҡ та булып тора. Милләтте тәрбиәләү эше лә уларҙың иңендә бит. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ағинәйҙәр хәрәкәте менән күптән бергә эшләй. Ул шулай уҡ милләттең йолаларын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт әйтеп, бүләктәр бирҙе. Бер-береһенән осҡон алалар “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы, Ғафури районы хакимиәте, район советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы йыйылған ағинәйҙәр араһынан иң-иңдәргә маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр өләште. Эй, беҙҙең халыҡтың ихласлығы: Рәхмәт хаттарына, атҡа атланғандай ҡыуанып, доғаларын ҡылды ағинәйҙәр. Әлбиттә, бүләктәр ҙә матур ине! Зариф Байғусҡаров һәм Гөлназ Ҡолһаринаның ҡыҙҙары Гәлсәр ҙә был сарала сығыш яһап, ағинәйҙәр ҡоронан фатиха алды. Ул, Мәскәүгә иң шәп йырсылар әҙерләгән уҡыу йортона уҡырға ингәндән һуң, тәү тапҡыр бында йырланы. Ошо байрам ҡото, бәҫе көслө тауышың аша башҡорт моңон башҡаларға ла танытырға ярҙам итһен, Гәлсәр! Ҡайһылай рәхәт йәшәй был ағинәйҙәр, осрашалар ҙа бүләк бирешәләр, күрешәләр ҙә өҫтәл янына йыйылалар, тимәгеҙ. Әйткәндәй, ул да беҙҙең йола. Ғөмүмән, ҡунаҡ ҡаршы алыу, уны аяғөҫтө тороп һыйлау, иң татлы ризыҡты уға ултыртыу – беҙҙең халыҡтың борондан килгән ғәҙәте. Бүләк бирешеү ҙә шулай уҡ. Сәй табынында тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, килеп тыуған һорауҙарға яуап эҙләү, хәл-әхүәл белешеү ҙә – беҙҙең асылдан. Йәнә лә ни өсөн беҙҙең ағинәйҙәр ауыр йәшәргә тейеш әле? Тап ошондай сараларҙа улар саҡматаштай бер-береһенән осҡон алып, тоҡанып, дәртләнеп ҡайтып донъя көтә, ғаиләһе, ауылы, районы мәнфәғәтенә эшләй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева Ҡоролтайҙың иң юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән Учалы районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаеваны, Әбйәлил районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Роза Таһированы, Архангел районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллинаны, Әлшәй районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәйсә Мөфтиеваны бүләкләне. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы электән ағинәйҙәр хәрәкәтен ҡеүәтләп, улар менән бергә сараларҙа ҡатнашты. Был юлы ла, уның элегерәк депутат һәм медицина өлкәһе вәкиле икәнен иҫәпкә алып, ағинәйҙәр төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте, артабан хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Силәбе өлкәһе ағинәйҙәренә айырым туҡталып китәйек. Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка һәм Сыбаркүл райондарында “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеген Рабиға Бикбулатова етәкләй. Рабиға апай – гәзитебеҙҙең әүҙем авторы ла. Ул Силәбе өлкәһе балаларын бында уҡырға индереү мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә. Уҡыусыларҙы каникулға алып ҡайтып, алып китеп йөрөй. Өлкән быуын вәкилдәре өсөн Өфөгә сәйәхәттәр ойошторғаны ла бар. Әйткәндәй, силәбеләр ай аҙағында үҙҙәрендә ағинәйҙәр ҡоро ойошторорға йыйына. Ғафури районы ағинәйҙәре ойошторған “Сигеүҙәрҙә – күҙ нуры” конкурсында эштәре иң зауыҡлы тип табылған Сәйетбаба ауылы ағинәйе Альмира Вәлиева, Имәндәш ауылы ағинәйе Рәмилә Мәхмүтова, Мәндем ауылы ағинәйе Ғәлиә Әбсәләмова, Юлыҡ ауылы ағинәйе Нәфисә Ҡужина, Табын ауылы ағинәйе Флүрә Килмөхәмәтоваға “Киске Өфө” гәзитенең иҫтәлекле бүләктәре һәм маҡтау ҡағыҙҙары бирелде. Яҡшылыҡты арттырыр ғәмәлдәр Сәхнәлә барған матур тамашала Имәндәш ауылы ағинәйҙәре балалар менән бергә “Өләсәйем һандығы” тигән йоланы сәхнәләштерҙе. Сәйетбабалар “Йыйын” тигән матур байрам күренеше күрһәтте, улар менән ир-аттарҙың да әүҙем ҡатнашыуы әһәмиәтле булды. Ҡауарҙы ауылы ағинәйҙәре “Ҡот ҡойоу”, Үҙбәк ауылы “Өләсәйем нәсихәттәре”, Мәндем ауылы “Килен һөйөү”, Табын ауылы “Ҡатыҡ тәмләшеү”, Яугилде һәм Ерек ауылдары “Йәй ташы” тигән йолаларҙы әҙерләгәйне. Һәр ваҡытта китаптарҙан, элекке һүрәттәрҙән күреп белгән боронғо йәйләүҙе хәтерләтте Уҡлыҡая буйындағы ялан. Етмәһә, ошонда уҡ мәргән уҡсыларға һәйкәл ҡуйғандар. Рәсми рәүештә ул сәнғәт комплексын асыу тантанаһы булмаһа ла, ағинәйҙәр ул тирәне ҡарап, фотоға төшөргә өлгөрҙө. “Сигеүҙәрҙә – күҙ нуры” тип аталған сараның йәнә исеменә иғтибар иттем. Сигеүҙәр, кейемдәр тегеү, милли биҙәүестәр эшләү – башҡорт ҡатын-ҡыҙының көнитмешенең бер өлөшө. Тап ағинәйҙәрҙең ошо йоланы тергеҙеп, күңел күҙе, күҙ нурҙары аша халҡыбыҙҙы элекке ғөрөф-ғәҙәтенә бәйләүе бөгөнгө милли йөҙҙө юйырға торған заманда беҙҙе асылыбыҙға ҡайтара, йырлы, доғалы итә. “Ағинәй” хәрәкәтен башлап ебәреү идеяһын күтәреп сыҡҡан Гөлфиә Янбаеваның күңеленә был ғәм ҡайҙан төшкәндер, әммә бында, һис шикһеҙ, Күктәрҙең ҡыҫылышы бар, сөнки тап ҡатын-ҡыҙ төшкән күңелдәрҙе күтәрер, юғалтҡан дарманды табыр көскә эйә. Матур ниәтле, яҡты уйлы был йәмәғәт ойошмаһы. Уның яҡшы ғәмәлдәренә һәр кемебеҙ изгелек менән барып ҡушылайыҡ! Яҡшы тип йыш ҡабатлаһаң, яҡшылыҡ артыр, ти. Ғафури районы. Нәнәйем ҡунаҡ һыйлай Йүгерә-атлай нәнәй һый әҙерләй, Өҫтәлдәре тора һығылып. Сәнғәт әҫәреләй ниғмәттәргә Фәрештәме киткән ҡағылып! Барыһы ла ҡунаҡ хөрмәтенә! Мәжлес ҡорған ҡунаҡ хаҡына! Ҡунаҡтарын Хоҙай илсеһенә Тиңләү хас ул башҡорт халҡына. Ҙур кинәнес менән аш-һыу бүлә, Әсе ҡатыҡ төшә һурпаға. Өлөш һала һәр бер ҡунағына, Ит, бәрәңге, икмәк – уртала. Ҡыҫтап-ҡыҫтап, өтәләнеп, йырлап, Аяғөҫтө һыйлай ҡунаҡты. Өҫтәл урағансы төн ауыша, Ҡош юлына Ай ҙа олаҡты... Бәлеш, ҡоймаҡ – ҡунаҡ алдарында, Өҫтәл йәме беҙҙә – бауырһаҡ! Таҡмаҡ әйтеп ҡунаҡ бейетәләр, Өҫтәл арттарында арыһа. Ах, ул сәйҙәр, ҡаты, һөтлө сәйҙәр... Баллап эсеп ҡуйһаң аҙаҡтан! Иҫке хәтирәләр яңыралар, Туған яһай табын ҡунаҡтан. Ҡунаҡтарға барса һый-хөрмәте, Ҡунаҡтарға яҡты йөҙ-сырай! Әйтерһең дә, уның йомартлыҡҡа Йәй миҙгеле үҙе аптырай! Ишектәре һәр саҡ асыҡ булды, Йәшәмәне элеп келәһен. Әйтер ине ишек шаҡыһалар: “Ҡунаҡ килһен, ҡайғы килмәһен!” Йүгерә-атлай нәнәй һый әҙерләй... Бала саҡтың сағыу миҙгеле. Башҡортостан үҙе, әйтерһең дә, Нәнәйемдең һыйлы өҫтәле!.. Автор: Лариса АБДУЛЛИНА Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы төбәктәргә уҡыу йылын ваҡытынан алда тамамларға тәҡдим итте.– 1-8-се кластар уҡыуҙы 15-16 майға тиклем тамамларға мөмкин;– 10-сы кластар уҡыуҙы 29-30 майға хәтлем тамамлай;– 9 -11-се кластар – 5 июнгә тиклем;Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, уҡыусылар сентябрҙә үк мәктәптәрҙә уҡый башлар тип иҫәп тота. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы төбәктәргә уҡыу йылын ваҡытынан алда тамамларға тәҡдим итте. – 1-8-се кластар уҡыуҙы 15-16 майға тиклем тамамларға мөмкин; – 10-сы кластар уҡыуҙы 29-30 майға хәтлем тамамлай; – 9 -11-се кластар – 5 июнгә тиклем; Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, уҡыусылар сентябрҙә үк мәктәптәрҙә уҡый башлар тип иҫәп тота. «Беҙ уҡыусылар дөйөм программанан төшөп ҡалмаһын һәм шул уҡ ваҡытта программа рөхсәт ителгән йөкләмәнән артмаһын өсөн уҡыу йылын әҙерләү процесын ентекле алып барабыҙ», — тип һөйләне министр Сергей Кравцов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башланғыс класс уҡыусылары (1-4 класс) 6 майҙан 8-енә тиклем уҡымай. Ә 5-11-се кластар дистанцион белем алыуын дауам итә.
Шағир ағай менән мәғарифты үҫтереү үҙәгенең ашханаһына килдек. Кеше күп, сиратҡа баҫтыҡ. Шағирҙың алдында торған ерән һаҡаллы ир, ағайыбыҙҙың ризыҡлы батмусы аша үрелеп, икмәк алды. Ағайым "ҡыҙҙы" ла китте: Иҫләмәйһегеҙҙер? – Кеше ашына саңын ҡойоп, йөрөйҙәр инде! Теге кеше өндәшмәне. Сығып барышлай, Шағир ағай, беҙҙең алдан сығып барған теге кешегә ымлап, миңә былай тине: – Был әҙәм ҡайҙан йөрөй икән? Беҙҙең һымаҡ, эргәлә генә эшләйҙер. – Шағир ағай, мин Саҡматаштан. Уҡытыусымын. Былтыр һеҙ беҙгә осрашыуға килдегеҙ. Иҫләмәйһегеҙҙер инде? – тине ерән һаҡал. – Юҡ шул, – тип яурынын йыйырҙы ағайыбыҙ. – Ә мин иҫләйем. һеҙ беҙгә дуҫлыҡ, илһөйәрлек тураһында иҫ киткес шәп шиғырҙарығыҙҙы уҡығайнығыҙ... Ҡыйын булды Билдәле журналист йәш хәбәрселәргә лекция уҡый: – Һәр яңылыҡты мәлендә эләктереп ҡалырға тырышығыҙ. Берәй билдәле кеше үлһә, факттарын табып, сайтҡа мәҡәлә өлгөртөгөҙ. Беренсе булып өлгөрһәгеҙ, тәүге минуттарҙа яҙып, хәбәр итһәгеҙ, һеҙ медиа-киңлектәрҙе шаулатасаҡһығыҙ. – Ә өлгөрмәһәк нимә була? – Өлгөрмәһәгеҙ, системалағы үҙәк робот һеҙҙе топ-ҡа сығармай. Статистикағыҙ насар була. – Берәй фәһемле ваҡиға тураһында һөйләгеҙ әле... – Теге мәл, иҫләйһегеҙҙер, анау, кем, дәүләт әһеле үлгәйне бит әле, таңға ҡарай киткән, тинеләр, ә мин йоҡлап ҡалғанмын. Торғас та, яҙғайным да, робот мәҡәләмде алманы. Эй ҡыйын булды. Яңылышҡанһың Супермаркетта үҙем һымаҡ уҡ һатып алыусы бер ағайҙың кейеменә ҡыҙығып, замандашыма һүҙ ҡуштым: – Ныҡлы туҡыманан тегелгән был махсус кейемде ҡайҙан алырға була икән? – тип һүҙ башланым. – Был кейемде миңә эштә бирҙеләр, – тине ағай. – Теге көн магазинда күреп, хаҡына иҫем киткәйне. Һеҙҙең эштә был кейемде һатмайҙармы? Юл йөрөгәндә уңайлы бит, алыҫтан күрһәтә. – Ҡустым, беҙгә эшкә кил дә ҡуй, кейемде бушлай бирерҙәр. Беҙгә йәш хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Карьераңды тәүҙә слесарь булып башларһың. Слесарҙың эш хаҡы ҙур түгел инде – 30 мең һум ғына. – 30 мең һум минең өсөн ҙур аҡса! – Ә һин күпме алаһың? – Әҙерәк шул. Әллә һеҙгә китергә инде? – Һөнәрең буйынса кемһең? – Уҡытыусы-филолог. – Һөнәр һайлағанда яңылышҡанһың бит, ҡустым. Заманында ПТУ тамамлаған булһаң, бөгөн аҡсаны көрәп алыр инең. Илгиз Ишбулатов. Автор:"ҺӘНӘК" журналы Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов хәбәр итеүенсә, мемориаль таҡтаташ – стеланың проекты һәм документтары әҙер, әле проектты финанслау мәсьәләһе хәл ителә. Стелала Ғәйнә башҡорттарына ҡағылышлы мәғлүмәт биреләсәк. https://vk.com/feed ?c%5Bq%5D=%23%C1%E0%F8%EA%E8%F0%FB%D0%D4§ion=search&w=wall-109622739_13880 Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Шуға айҡанлы «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите редакцияһы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәҡәләләр баҫа башлай. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Шуға айҡанлы «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите редакцияһы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәҡәләләр баҫа башлай. Хөрмәтле мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм район гәзитен уҡыусылар! Театр йылы менән бәйле ҡалала, районда үткәрелгән, саралар, ваҡиғалар тураһында мәҡәләләрҙе «Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзитендә баҫтырып сығарырға мөмкин. Яҙығыҙ, шылтыратығыҙ, редакция килегеҙ, беҙ һеҙгә һәр саҡ шат. Йыл аҙағында иң яҡшы мәҡәлә авторы иҫтәлекле бүләк ота ала. Театр йылы һеҙгә тик шатлыҡтар, ижади уңыштар алып килһен! - Дәүләкән балалар китапханаһында Театр йылының беренсе көнөнән үк сараларҙы мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, байрамса үткәреү мөмкинлеге тыуҙы, театрлаштырылған сығыштар йәш уҡыусыларыбыҙға әүҙемлек өҫтәй, йәштәштәре менән аралашырға өйрәтә, эстетик тойғоларҙы үҫтерә. Ә иң мөһиме, китаптың көтөлмәгән яғын күрһәтә - уны «йәнләндерә». Шуның өсөн беҙ был ижади эшкә актив тотондоҡ, саралар планын төҙөнөк, -ти Дәүләкән районының муниципаль районы үҙәк китапханаһының балалар китапханаһы мөдире Антонина Петровна Макарова. ... Ҡала үҙәгендә урынлашҡан ике ҡатлы бинаға инәбеҙ. Унда уңайлы һәм йәмле, гүйә, әкиәт иле... Сәскәләр, декарация, матур итеп биҙәлгән стендтар, әкиәт геройҙары, китаптар күргәҙмәһе ингән һәр кешенең иғтибарын йәлеп итә. Хеҙмәткәрҙәр театр сәнғәтенә бағышланған тиҫтәләгән байрам үткәрергә иҫәп тоталар, шулай уҡ иҫтәлекле даталар ҙа күҙ уңында тотоласаҡ. Кемдәрҙер китапхана тыныс урын икән тип уйлай икән, яңылыша. Бында күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, сөнки күп яҡлы мәғлүмәт эше алып барыла. Китапханасы Наталья Павловна Данилко, методист Резеда Рафаэль ҡыҙы Баймурзина, уҡыу бүлмәһе китапханасыһы Айгөл Ильяс ҡыҙы Ғималетдинова китапхана мөдире А.П. Макаров етәкселегендә төрлө кисәләр һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, шулай уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен, социаль приютта тәрбиәләнеүселәрҙе, ҡала мәктәбе уҡыусыларын байрам сараларына, спорт эстафеталарына саҡыра. Көндәлек бурыстарынан тыш, коллектив методик эш алып бара, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе китап уҡырға йәлеп итә, инновация өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштыра. Коллектив, уҡыусылар Бөтә Рәсәй, республика, район конкурстарында даими ҡатнашып килә, төрлө наградалар ала. Мәҫәлән, «Беҙ уҡырға яратабыҙ» («Изге эштәр» конкурсы) һәм “Николай Некрасовты уҡыйбыҙ” («Беҙ китап уҡыйбыҙ» конкурсы) Халыҡ-ара краудсорсинг интернет-проекттарында Дәүләкәндән дүрт кеше сертификат алды. Китапхана мәктәптәр, балалар баҡсалары, Балалар ижады йорто, инвалидтар ойошмаһы, мәҙәниәт идаралығы менән хеҙмәттәшлек итә. Ремонт эштәрендә, төҙөкләндереүҙә, яңы китаптар, уйынсыҡтар алыуҙа, мәҙәни байрамдар үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн коллектив бағыусыларына рәхмәт белдерә. Рәсәйҙә Театр йылы старт алды. Киләсәккә үҙәк китапхана коллективының пландары һәм ниәттәре бик күп. «Театр бөйөк тылсымсы» китаптар күргәҙмәһе менән бөгөндән танышырға була, бында театр донъяһы тураһында китаптар ҡуйылған, уларҙың тарихы, килеп сығышы, төрлө баҫмалар аша театр артистарының тормошо менән танышырға, Башҡортостандың театр донъяһы һәм башҡалар тураһында белергә була. Ә бала бала булып ҡала . Улар үҙҙәрен артистар һәм режиссер ролендә һынап ҡарай, сәхнәлә төрлө образдар үҙләштерә, тамашасылар алдында дөрөҫ итеп сығыш яһарға өйрәнә. Китапхана хеҙмәткәрҙәре һәр килеүсегә театр донъяһына экскурсия үткәрә, үҙҙәре экскурсовод ролен башҡара. Иң бәләкәстәргә халыҡ әкиәттәре буйынса ҡурсаҡ театрын ойошторалар. Т. Бусарева. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Йәйге ялды һәр кем түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Балаларҙың оҙайлы ял көндәре булһа, өлкәндәрҙең күптән көтөп алынған отпускылары. Күптәр йыл һайын диңгеҙ буйына барып, ял итеүҙе хуп күрә. Сөнки Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле оҙайлы түгел. Быйылғы йәйҙе иҫәпкә алғанда, май айынан июнгә тиклем ҡыҙыу ҡояш булһа, июль ямғырлы көндәре менән эсте бошора. Шуға ла йыл әйләнәһенә ҡояшлы илдәрҙә йөрөп ял итеүселәрҙән көнләшерлек. Баш ҡалабыҙҙан тура был урындарға самолет осоп тора, мөмкинлегең бар икән, ниңә йөрөмәҫкә ти. Ят ер-һыу, сит мәмләкәттәр күреп, йылы тәьҫораттар кисереп, ете диңгеҙ аръяғында йөрөп ҡайтыуыңа ни етә? Путевкаларҙың хаҡтары ла әллә ни буй етмәҫлек түгел. Төркиә Төркиә - быйыл рәсәйҙәр иң күп йөрөгән ил.Ҡатмарлы сәйәси хәлгә, ышаныслы хәүефһеҙлек булмауына ҡарамай, Төркиә иң популяр ял итеү урыны булып ҡала. Бөгөн туристик путевкалар һатыу әүҙем бара. Ял апрель аҙағынан октябргәсә дауам итә. Ҡара, Мәрмәр, Эгей диңгеҙҙәрендә дүрт ай буйына һыу инергә мөмкин. Төркиәлә айырыуса балалар менән ял итергә уңайлы. Туристарҙы Сиде, Белек, Измир, Анталия, Бодрум, Даламан, Кемер, Мармарис курорттары ылыҡтыра. Отелдәрҙең нисә йондоҙло булыуына ҡарап, июлгә хаҡтар - бер кешегә 23 - 33 мең һум. Ике оло кеше, бер бала менән ял итергә барыусыларға путевка хаҡы — 100-120 мең һум. Греция Греция — һәр аҙым һайын боронғолоҡ һаҡлаған ил. Үҙенсәлекле тәбиғәтле утрауҙа-рында, материк өлөшөндә сит ил ҡунаҡтарына ял урындары ойошторолған. Родос, Крит, Корфу утрау һәм ярымутрауҙарында ғына меңәрләгән кеше була. Туристик инфраструктураһы ныҡ үҫешкән. Боронғо архитектура ҡомартҡыларын күреп ҡайтырға мөмкин. Кипр Урта диңгеҙҙәге был утрау ҙа ылыҡтырғыс көскә эйә. Барлыҡ отелдәрендә лә сервис яҡшы ойошторолған. Хаҡтар 30 - 40 мең һум. Таиланд Өфөнән тура чартер рейс булмаһа ла, был илдә ял итергә яратыусылар күп. Таиландтың экзотик тәбиғәте, төбөндәге таштары күренеп торған күгелйем төҫтәге йылы диңгеҙ, йылы һауа һеҙгә, һис шикһеҙ, оҡшаясаҡ. Паттайя. Был курорттан Таиландтың икенсе ҡала һәм провинцияларына сәйәхәт итеү уңайлы. Пхукет менән Самуға транспорт менән ҡатмарлыраҡ. Таиландта йәшелсә-емеш күп, экскурсиялар күп төрлө. Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе таҙа, йылы. Паттайяла океанариум, дельфинариум, ботаник баҡсалар, ҙур зоопарк бар. 12 көнгә тиклем путевка, ашауҙы индермәгәндә, 28 - 30 мең һум. Болгария Балалары булған ғаиләләр өсөн ял итеүгә уңайлы урын. Был илдең Несебыр, Свети-Влас, Поморис, Созополь, Равда ҡалалары ял сервисында бик популяр. Тунис Африка дәүләтенең пляждары ҡомдан тора. Атлантик океан июндән сентябргәсә йылы була. Эҫелек 35 градусҡа тиклем етә. Ҡырым Ҡырымда ял итерлек урындар күп. Күп һанлы шифаханалары, ял йорттары менән дан тотҡан Ялта, Феодосия ҡалалары әле лә ял итеүселәрҙе үҙенә ылыҡтыра. Сөнки ҡомло, ҡырсынлы таҙа пляждарын, диңгеҙ һауаһын һәр кем оҡшата. Күп һанлы пансионаттар, отелдәр төрлө ғаилә бюджеты өсөн иҫәпләнгән. Шифаханалар күп. Өфөнән поезд менән барып ҡайтыу өсөн кәмендә 25 - 30 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. Абхазия Унда визаһыҙ ҙа инергә була. Сочи, Анапанан айырмалы рәүештә, диңгеҙ буйы таҙа. Ял итеүселәрҙең күңелен бейектән ағып төшкән тау йылғалары, күлдәре, һоҡланғыс, үҙенсәлекле тәбиғәте менән арбай Абхазия. Әммә ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү сервисы аҡһай. Ял итеү өсөн Гагра, Пицунда, Сухум яҡшы. Сит илгә барыусыларға кәңәштәр Сит ил паспорты алырға кәрәк. Ул бер айҙа әҙерләнә. Беренсе тапҡыр ял итергә барғанда бюджет вариантын һайлағыҙ. Төркиә, Греция, Болгария кеүек илдәрҙә ял итеү - путевка хаҡтары, ял сифаты буйынса ла бына тигән вариант. Виза мәсьәләһен хәл итегеҙ. Туроператорҙар, ғәҙәттә, уны үҙҙәре эшләй. Төркиә, Мысыр, Абхазияға виза кәрәкмәй. Ә бына Европа илдәре визаһыҙ ҡунаҡтарҙы индермәй. Кипр менән Испанияға инеү өсөн Шенген визаһын эшләтмәйенсә булмай. Был илдәргә виза алыу өсөн Рәсәй, сит ил паспорты, эш урынынан махсус белешмә, электрон карта (финанс карта) кәрәк. Әгәр картағыҙ булмаһа, махсус бағыусығыҙ булырға тейеш. Отель һайлағанда, тәүге тапҡыр барыуға ҡарамаҫтан, «өс йондоҙло» отелгә өҫтөнлөк бирмәгеҙ. «Дүрт йоңдоҙло»һо яҡшыраҡ булыр. «Өс йондоҙло»ла бер генә бассейн, күңел асыу үҙәктәре аҙыраҡ, йәшәү шарттары ҡайтышыраҡ булыуы мөмкин. Отель үҙе лә диңгеҙҙән алыҫ, өсөнсө, дүртенсе линияла урынлашасаҡ. Иртәнге, төшкө, киске аш ингән программаларҙы һайлағыҙ. Сит илдәрҙә кафела туҡланыу ҡиммәт. Интернеттан «янып барған» турҙарҙы күҙәтеп барығыҙ. Арзан хаҡҡа ял итеп ҡайтыу мөмкинлеген ҡулдан ыскындырмағыҙ. Ялға алдан әҙерләнә башлағыҙ. Үҙегеҙ менән климат шарттарына тура килгән кейем алығыҙ. Аптечка хәстәрләгеҙ. Тик унда таможня рөхсәт итмәгән корвалол, феназепам кеүек препараттар булмаҫҡа тейеш. Аҡсағыҙҙы мотлаҡ валютаға алмаштырығыҙ. Урында долларҙы һеҙ барасаҡ илдең аҡсаһына алмаштырып алыу еңелерәк буласаҡ. Үҙебеҙҙәге ял иң яҡшыһы Тәбиғәттә әүҙем ял яратыусылар Башҡортостанда ял итеүҙе хуп күрә. Республикабыҙ ҡурсаулыҡтарға, тәбиғәт һәйкәлдәренә, күл-йылғаларға бай. Ғаиләң менән рәхәтләнеп сәйәхәт ит, балыҡ ҡармаҡла, еләк, шифалы үләндәр йый. Төбәгебеҙ күп төрлө дауаланыу йүнәлештәре булған шифаханалары менән дә дан тота. Әммә путевкалар хаҡы «тешләшә». Бер көн ял, туҡланыу менән бергә, 2500 — 2800 һум тәшкил итә. Ял итеүсенең хәтер һандығына Терминдарҙы айырырға өйрәнегеҙ! Тур һайлағанда «Туҡланыу» бүлегендә ОВ, ВВ, НВ, ҒВ, АL, UАL тигән яҙыуҙар иғтибарығыҙҙы йәлеп итер. Был аббревиатура нимә аңлата һуң ул? ОВ, RО, АО — бушлай туҡланыу булмаған отель. ВВ — отелдә тик иртәнге ашты ғына ашаясаҡһығыҙ. НВ — иртәнге һәм төшкө аш. НВ+ — иртәнге аш менән киске ашҡа урыңда етештерелгән иҫерткес эсемлектәр ҙә бирелә. ҒВ — иртәнге, төшкө, киске аш. ҒВ+ — көн дауамында бушлай иҫерткес эсемлектәр бирелә. АL — өс мәртәбә туҡланыу, төрлө эсемлектәр һәм өҫтәмә туҡланыу (икенсегә иртәнге аш, ҡабымлыҡтар, һуттар, икенде ашы (полдник). UАL — өс мәртәбә туҡланыу менән көн дауамында сикләнмәгән күләмдә иҫерткес һәм төрлө эсемлектәр, һуттар менән фреш, туңдырма бирелә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Васыятнамә — граждандың үҙе иҫән ваҡытта мөлкәтен мираҫ итеп тапшырыу тураһында яҙып ҡалдырған теләге, үтенесе. Васыятнамә — яҙыу урыны һәм ваҡыты күрһәтелеп төҙөлөргә һәм васыятнамә яҙыусының үҙ ҡулы менән имза ҡуйылып, нотариус тарафынан раҫланырга тейеш. Бөгөнгө көн васыятнамә төҙөү үлгәндән һуң мөлкәттең яҙмышын билдәләүсе берҙән-бер документ. Васыятнамә төҙөүселәр һаны кәмей барһа ла хоҡуҡ сығарыусылар мөлкәт менән артабан ҡулланыуҙың был төрөн иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Васыятнамәне нисек дөрөҫ итеп төҙөү ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Үҙенең мөлкәте менән тик граждандар ғына файҙала ала. Ә бына законлы вариҫ дәрәжәһендә граждандар ҙа, юридик шәхестәр ҙә булырға мөмкин. Бөгөн васыятнамә тик бер граждандың исеменән һәм уның шәхси ҡатнашыуында ғына төҙөлә, ышаныс буйынса васыятнамә яҙырға ярамай. Иҫән сағында васыятнамә төҙөүсенең үҙ ирке менән уның пункттарын үҙәгәртә, алып ташларға хоҡуғы бар. Васыятнамә уны яҙып ҡалдырған кеше үлгәндән һуң ғына үҙ көсөнә инә. Васыятнамә нигеҙендә вариҫтарҙың һәр береһенә айырым әйбер, йәиһә бар мөлкәттән өлөштәр бирелә. Уны яҙыусының хоҡуҡтары мотлаҡ өлөш тураһындағы ҡағиҙәләр менән генә сикләнгән. Мотлаҡ өлөштө эшкә яраҡһыҙ йәки балиғ булмаған балалары, эшкә яраҡһыҙ тормош иптәше, йә ата-әсәһе, шулай уҡ уның тәрбиәһендә булғандарҙың алырға хоҡуғы бар. Эшкә яраҡһыҙ тип пенсия йәшенә еткәндәр һанала. Әгәр вариҫ хаҡлы ялға теге йәки был льгота менән сыҡһа, уға мотлаҡ өлөш биреү ҡаралмай. Дөйөм ҡағиҙәләр буйынса васыятнамәне раҫлаған мәлдә нотариус бүлмәһендә васыят яҙыусының яңғыҙы булыуы зарур. Шулай уҡ васыят яҙыусының теләге буйынса документ шаһиттар ҡатнашлығында ла төҙөлә. Тик васыят ҡағылған кешеләр, шулай уҡ балалары, ата-әсәһе, тормош иптәше; белемһеҙ; тормошҡа яраҡһыҙ; рус телен белмәгән; васыятнамәне раҫлаусы нотариус бер үк ваҡытта шаһит була алмай. Нотариусҡа, шаһиттарға, тәржемәселәргә васыятнамәнең йөкмәткеһе тураһында һөйләп йөрөү тыйыла. 2018 йылдың 1 сентябрендә Граждандар кодексында ир менән ҡатындың береһе васыятнамә төҙөгән хәлдә икенсеһенең ҡатнашыуына мөмкинлек биргән үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Был осраҡта ир йәки ҡатын шаһит итеп һаналмай, васыятнамә яраҡһыҙ тип танылмай, сөнки уны раҫлағанда ирле-ҡатынлылар сит кеше кеүек ҡатнаша. Васыятнамә төҙөгәндә гражданин тик үҙ мөлкәте менән генә идара итә, ире йәки ҡатынының сарала ҡатнашыуы икенсеһенең мөлкәтен дә васыятнамәгә индереүгә хоҡуҡ бирмәй. Был нормалар хоҡуҡ сығарыусыларҙың васыятнамәлә “ир менән ҡатындың берҙәм васыятнамәһе” тигән төрөнә яңы аҙымы. Оҙаҡламай РФ Граждандар кодексында васыятнамәне төҙөү буйынса яңы үҙгәрештәр көтөлә. Улар ирле-ҡатынлыларға берҙәм васыятнамә төҙөүгә ирек бирәсәк. Ирина Хәлилова, нотариус. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Бөгөн республикабыҙҙа мәртәбәле байрам – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләге сығышын шул уңайҙан башҡортса башланы. Бөгөн республикабыҙҙа мәртәбәле байрам – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләге сығышын шул уңайҙан башҡортса башланы: – Хөрмәтле коллегалар, беҙ бөгөн республикала Башҡорт теле көнөн үткәрәбеҙ. Был байрам менән һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡотлайым. Беҙ туған телдәрҙе һаҡлауға ҙур иғтибар бүлергә тейешбеҙ, – тине ул. *** Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һуңғы ике йылда төбәгебеҙҙә башҡорт телен үҫтереүҙә яңы алымдар булдырылыуы хаҡында һөйләне. Түбән һөҙөмтәле элекке алымдар урынына беҙ бөгөн башҡорт телен популярлаштырыу, тел мөхитен булдырыу (бигерәк тә, бәләкәй балалар өсөн) һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн һанлы инфраструктуралар барлыҡҡа килтереү кеүек саралар аша эш итәбеҙ, тине ул. – “ Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” акцияһы киң популярлыҡ яуланы, – тип билдәләне вице-премьер. – Быйыл был акцияла 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар иҫәбендә Рәсәй Федерацияһының 18 төбәге һәм 24 сит ил вәкиле бар. Текстарҙың төрлө кимәлдә булыуы ҡатнашыусыларҙың һанын күпкә арттырҙы. Бынан тыш, беренсе тапҡыр диктант яҙыусыларға төньяҡ-көнбайыш диалектындағы текст варианты ла тәҡдим ителде. *** Башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе үҫтереү буйынса грант проекттары эше лә яңыса ойошторолдо. Эштәрҙе проектлау, конкурсҡа сифатлы тәҡдимдәр әҙерләү алып барылды. Өҫтөнлөклө темалар исемлеге булдырылды. 2019-2020 йылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн “Сәләм”, “Bashword”, “Эшлекле башҡорт теле” мобиль ҡушымталары һәм “Әлләсе”, “IQbalaBash”, “Инофон BASH” балалар өсөн мобиль ҡушымталар әҙерләнде. Фондтың иң әһәмиәтле проекттарының береһе – русса-башҡортса, башҡортса-русса “Башкортсофт” онлайн-тәржемәсеһе. Унда миллиондан ашыу параллель текстарҙың тупланыуы “Яндекс” һәм “Google” системалары тәржемәселәре эшен тағы ла камиллаштырасаҡ. “Эшлекле башҡорт теле” китабын әҙерләп баҫтырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды. *** Быйыл Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә алты башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асылды. “Йәшлек шоу” эстрада йыры конкурсы, “Һылыукай” конкурсы беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылды. Конкурстарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Һамар, Һарытау, Ырымбур ҡалалары, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы һәм Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре ҡатнашты. Ошондай конкурстар йәш быуында башҡорт телен өйрәнеүгә оло ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡортостан Башлығы инновацион уҡыу йорттары - полилингваль мәктәптәр эшенә иғтибар итеү кәрәклеген билдәләне. Әле Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта өс шундай мәктәп эшләй, 2024 йылға 14 мәктәп асыу планлаштырыла. – Полилингваль мәктәптәр – етди проекттарҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ мәктәп мәғарифының универсаль һәм алға киткән уҡыу йорттарын булдырабыҙ, унда башҡорт теле һәм сит телдәр өйрәнелә. Был – киләсәккә уникаль нигеҙ. Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Учалы районының Комсомольск урта белем биреү мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә 2021 йылдың 14 майында «Төбәк мәҙәни мөхит шарттарында туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары» Бөтә Рәсәй фәнни — ғәмәли конференцияһы үтте. Сарала С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары һәм уҡытыусыларының эштәренән күргәҙмә ойошторолдо. Экспозицияла тәҡдим ителгән эштәр кейеҙ һуғыу, туҡыусылыҡ, башҡорт милли кейемендәге сувенир ҡурсаҡтар һ.б төрлө техникала башҡарылғандар. Филигрань техникаһында башҡарылған башҡорт халҡының милли кейемдәре: һаҡал, яға, ҡашмау, таҡыя, сулпы, һырғалар ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Facebook Twitter Вконтакте Google+ Календарь Декабрь 2022 Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс « Ноя 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 Ссылки Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан БУДЬТЕ С НАМИ - Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.
Туҡтап тормай тормош - алға бара Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын Йыраҡта булһаң да мәңге һине һағынырмын Үтте инде бергә булған бәхетле саҡтар Ҡалды инде уҡылмаған һин яҙған хаттар Туҡтап тормай тормош - алға бара Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын Йыраҡта булһаң да мәңге һине һағынырмын Серле йондоҙҙар Сабина Кучаева Һаумыһығыҙ, яныуҙарым Сабина Кучаева Ҡоштар ҡайтты, һөйөү килде, Ғүмерем яҙын алҡышланы. Көләс йәшлек иртәһендә, Һаумыһығыҙ, шатлыҡтарым. Припев: Яҡты нурҙай балҡыным мин, Түбәм күккә тейҙе инде. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Иркәләүен тойҙом инде. (2 раза) Яҙҙар етте, һөйөү килде, Наҙҙарымды нағышланы. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, һағыштарым. Уйҙарымдан уйылам мин Яңғыҙ ҡалған сәғәттәрҙә. Был һағыштар — үҙе бәхет, Көтөүҙәргә сәбәп барҙа. Ҡоштар китте, һөйөү үтмәй, Һиҙәм ҡанат ҡағыштарын. Мөхәббәтем кистәрендә, Һаумыһығыҙ, яныуҙарым. Япраҡтарҙай һарғайһам да, Ашыҡмағыҙ ҡыҙғанырға. Был яныуҙар — үҙе бәхет, Күмеләмен наҙҙарына. (2 раза)
Арҙаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йыраусы, уҡытыусы Әҙһәм Исҡужин исеменә ойоштороласаҡ Өфө ҡала асыҡ конкурсы алдынан "Беҙҙең донъя".Музыка Беҙҙең донъя 2014-02-20T10:19:00+00:00 ссылка для скачивания Шәхестең уҡыусыһы- Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов.
Кисә Стәрлебашта Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаһына арналған башҡорт фольклоры, йолалары, милли аш-һыуҙары һәм кейемдәрен тергеҙеү буйынса төбәк фестиваль-конкурсы уҙҙы. Кисә Стәрлебашта Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаһына арналған башҡорт фольклоры, йолалары, милли аш-һыуҙары һәм кейемдәрен тергеҙеү буйынса төбәк фестиваль-конкурсы уҙҙы. Быуындарҙан-быуындарға бешереү сере ҡала, Бауырһаҡты татымаған юҡ олоһо, юҡ бала, - тигән шиғыр юлдары менән башлап ебәрге килә был мәртәбәле сара хаҡында. «Башҡорт халыҡ аштары: бауырһаҡ байрамы»нда Федоровка, Мәләүез, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ишембай райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Өфөнән Гөлфиә Янбаева, Рәйсә Күзбәкова, Сәрүәр Сурина, Фәнүзә Баһаутдинова килгәйне. Көйөргәҙе районы делегацияһы өс кешенән торҙо: «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы директоры Зөлфирә Эйтерник, Свобода ағинәйе Зәйтүнә Рахманғолова һәм ошо юлдар авторы — Тамара Малбаева. Байрам шул тиклем яҡшы ойошторолған. Уны һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел, үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Бында ниндәй генә аш-һыу юҡ! Стәрлебаштар был конкурсҡа бик ентекле әҙерләнгән. Бауырһаҡ тарихы буйынса айырым китап та сығарылған, шиғырҙар ҙа ижад ителгән. Хатта, урындағы композиторҙары бауырһаҡҡа арнап йыр ҙа сығарған. Барлығы 32 төрлө бауырһаҡ булыуы хаҡында ла белдек. Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровтың байрамдың башынан аҙағына хәтлем булыуы ла сараға оло мәртәбә өҫтәне. Шуныһы ла мәғлүм булды — беҙҙең Көйөргәҙе районында башҡортса төшөрөлгән «Сәк-сәк» фильмы бауырһаҡ тураһындағы берҙән-бер фильм икән. Ошондай күркәм сараға барып ҡайтырға транспорт менән ярҙам иткәне өсөн район хакимиәте етәкселегенә оло рәхмәт белдерәбеҙ. Һүҙемде байрамда отоп алған «Эй, уңған бауырһағым!» шиғыры менән тамамлағым килә: Халҡымдың милли ризығы - табын йәме бауырһаҡ. Телегеҙҙе йотоп ҡуймағыҙ, ашарға кәрәк бик һаҡ. Был ризыҡты түҙемлеләр һәм уңғандар бешерә Ә бер ҡабып ҡарағандар иҫтәренә төшөрә. Маҡтана был тиеп, уйлап ҡуймағыҙ тағы! Маҡтанһам да урыным бар, эй, уңған бауырһағым! Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Бәләкәй Рудольф Ағиҙелдең иң ҡалҡыу ярына ултырып, Өфөнән сыҡҡан поездарҙы күҙәтергә яратҡан. Сәйәхәткә сығып китеү тураһында гел генә хыялланған ул. Мәскәү-Владивосток поезында донъяға килгәнгәлер, бәлки, тормошо ла малайҙың туҡтауһыҙ бер хәрәкәтте күҙ алдына килтерә. Атаһы — хәҙерге Өфө районы Әсән ауылынан Хәмит Нуриев, ысын фамилияһы Фаҙлыев. Әсәһе Ҡазан ҡыҙы – Фәриҙә. Рудольф бәләкәй сағынан бейеүсе булыу тураһында хыяллана һәм атаһының ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан бейеү менән шөғөлләнә башлай. Нуриев Рудольф Хәмит улы (17 март 1938 йыл — 6 ғинуар 1993 йыл) — СССР, Бөйөк Британия һәм Франция сәхнәләрендә сығыш яһап, бөтә донъяға танылған башҡорт балет артисы, балетмейстер. Ул 1938 йылдың 17 мартында Иркутск тирәһендә юлда поезда тыуа. Ул ваҡытта уның әсәһе Фәриҙә кескәй ҡыҙҙары менән Алыҫ Көнсығышҡа — Совет Армияһы политругы булған иренең хеҙмәт иткән урынына сәфәргә ҡуҙғалған була. Туғандарының иҫтәлектәренә ҡарағанда, Рудольф поезд Иркутскиға яҡынлашҡанда донъяға ауаз һала. 1939 йылдың июлендә ғаилә Мәскәүгә күсенә, һуңыраҡ һуғыш ваҡытында Өфөгә эвакуациялана. Бәләкәй Рудольф бейеү буйынса беренсе дәрестәрен нәҡ Өфөлә ала. Рудольф халыҡ бейеүҙәре менән балалар баҡсаһында таныша башлай, үҙешмәкәр балалар ансамбле составында сығыш яһай. 1949 йылда Рудольф Анна Ивановна Удальцова (Мариин театрының элекке бейеүсеһе) етәкселегендә Уҡытыусылар Йортондағы бейеү студияһында шөғөлләнә башлай. 1953 йылда ул Өфө опера театры ҡаршыһындағы балет студияһына килә, башта статист була, һуңыраҡ артист дәрәжәһенә күтәрелә. 1955 йылдың 25 авгусында Нуриев Ваганов училищеһына уҡырға инә, күренекле педагог Александр Пушкин класында 3 йыл уҡый. 1958 йылдың апрелендә Рудольф Нуриев балет менән шөғөлләнеүсе студенттарҙың Мәскәүҙә уҙған Бөтә союз бәйгеһендә бик уңышлы сығыш яһай, шул уҡ йылдың июнендә сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, Киров театрының солисы булып китә. Театр сәхнәһендә Нуриев Фрондосо («Лауренсия»), Армен («Гаянэ»), Альберт («Жизель»), Солор («Баядерка») ролдәрен башҡара. 1961 йылдың 16 июнендә Киров театрының Париждағы гастролдәре ваҡытында Рудольф Нуриев Көнбайышта ҡалырға ҡарар итә. Унда бейеүсенең карьераһы бик уңышлы дауам итә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында дирижер булараҡ сығыш яһай. Рудольф Нуриев 1993 йылдың 6 ғинуарында Парижда вафат була. Мәшһүр бейеүсе Сент-Женевьев-де-Буа зыяратында ерләнгән. Хәтер 2021 йылдың ғинуарында Рудольф Нуриев исеме Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһына бирелде. Рудольф Нуриевҡа һәйкәл Башҡорт опера һәм балет театры янындағы аллеяға ҡуйыла. Уның авторҙары — скульптор Владимир Лобанов һәм архитектор Леонид Дубинский. 2018 йылдың 7 ноябрендә Ҡазандың Муса Йәлил исемендәге опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа күренекле бейеүсе һәм балетмейстер Рудольф Нуриевҡа һәйкәл асылды. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге хореография колледжы Рудольф Нуриев исемен йөрөтә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында 1993 йылдың мартында «Был сәхнәлә 1953-55 йылдарҙа ХХ быуаттың күренекле бейеүсеһе Рудольф Нуреев үҙенең ижади юлын башланы» тигән һүҙҙәр яҙылған таҡтаташ асылды. Рудольф Нуриев тураһында «Визит» фильмының презентацияһы үтте Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» тулы метражлы документаль фильмының презентацияһы уҙҙы. Картинала 20 быуаттың бөйөк бейеүсеһе һәм хореографы Рудольф Нуриевтың Төркиә менән бәйле тормошо хаҡында бәйән ителә. Кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһы премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булған фильмды күрһәтеүҙә уның авторҙары — ҡуйыусы-режиссёр Евгения Тирдатова, монтажлау режиссёры Борис Мнухин, продюсерҙарҙың береһе Константин Серебряков ҡатнашты. 2018 йылдың 17 мартында «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы бөйөк бейеүсенең 80 йыллығына «Рудольф Нуриев. Танец к свободе» фильмын күрһәтә. Сәхнәләге ролдәре «Лебединое озеро» — принц Зигфрид, Ротбарт «Щелкунчик» — Дроссельмейер, Принц «Спящая красавица» — Синяя птица, принц Флоримунд (Дезире) «Маргарита и Арман» — Арман «Баядерка» — Солор «Раймонда» — соло в па-де-катр, Жан де Бриен «Жизель» — Альберт «Дон Кихот» — Базиль «Корсар» — раб «Ромео и Джульетта» — Ромео, Меркуцио «Сильфида» — Джеймс «Петрушка» — Петрушка «Видение Розы» — Видение розы «Шехеразада» — Золотой раб «Послеполуденный отдых фавна» — Фавн «Аполлон Мусагет» — Аполлон «Юноша и смерть» — Юноша «Блудный сын» «Федра» «Потерянный рай» «Сильфиды» — Юноша «Гамлет» — Гамлет «Золушка» — Продюсер «Интермедия» «Лунный Пьеро» — Пьеро «Люцифер» — Люцифер «Идиот» — князь Мышкин «Ореол» «Песни странствующего подмастерья» «Весна священная» «Павана мавра» — Отелло «Темный дом» «Урок» «Ночное путешествие» — Эдип «Алая буква» — преподобный Димсдейл Фильмография 1972 — «Я — танцовщик» / I Am a Dancer 1977 — «Маппет-шоу» 1977 — «Валентино» / Valentino 1983 — «На виду» / Exposed Документаль фильмдар 2015 - «Рудольф Нуреев. Остров его мечты». Реж. Евгений Тирдатов.[13] Постановкалар 1964 — «Раймонда» 1964 — «Лебединое озеро» 1966 — «Дон Кихот» 1966 — «Спящая красавица» 1966 — «Танкред» 1967 — «Щелкунчик» 1977 — «Ромео и Джульетта» 1979 — «Манфред» 1982 — «Буря» 1985 — Washington Square 1986 — Сюита Баха 1988 — «Золушка» 1992 — «Баядерка» Википедиянан алынды Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Бигерәк сибәр инде Мәүсилә апайым. Мин уның осҡондар сәсрәп торған ҡуйы ҡара керпектәр менән ҡаймаланған күҙҙәренән һис ҡарашымды айыра алмайым. Әле ҡыуаҡ-таллыҡ күләгәһенә ҡасып икәүләп кенә һыу инәбеҙ. Аҡ ситса эске күлдәге еүеш тәненә йәбешкәнлектән нескә билен, оҙон аяҡтарын шау ғына күрһәтеп тора. Мин шым ғына көрһөнәм. Ҡасан шундай һылыуға әйләнәсәгемде һанайым. Әле ун ике йәшлек, төҙ сыбыҡтай ғына ҡыҙыҡаймын. Апайға - ун туғыҙ.Дауамы: Бигерәк сибәр инде Мәүсилә апайым. Мин уның осҡондар сәсрәп торған ҡуйы ҡара керпектәр менән ҡаймаланған күҙҙәренән һис ҡарашымды айыра алмайым. – Ул тиклем тексәймә миңә, кәзәкәй, – апай миңә һыу сәсрәтеп ебәрә. Әле ҡыуаҡ-таллыҡ күләгәһенә ҡасып икәүләп кенә һыу инәбеҙ. Аҡ ситса эске күлдәге еүеш тәненә йәбешкәнлектән нескә билен, оҙон аяҡтарын шау ғына күрһәтеп тора. Мин шым ғына көрһөнәм. Ҡасан шундай һылыуға әйләнәсәгемде һанайым. Әле ун ике йәшлек, төҙ сыбыҡтай ғына ҡыҙыҡаймын. Апайға - ун туғыҙ. Апайҙан һалдырһам да, бер туғаным түгел ул, ағайҙарым ғына бар. Ике туған ағайым Фәтих миңә бер ваҡыт өс мөйөшлө хат төрттө. «Бына ошоно арғы урам Мәүсилә апайыңа тапшыр», – тине лә ике баллы перәникте кеҫәмә төшөрҙө. Мин, осҡалаҡ, остом ғына. Ундай эште ҙур сер менән башҡарырға кәрәк икәнен беләм инде. Шул көндән алып беҙ Мәүсилә апай менән әхирәт. Апайлы булғым килеп йөрөй ине. Рәхәт икән ул, хат булмаһа ла, барам да етәм. Ул мине байтаҡ нәмәләргә өйрәтергә өлгөрҙө. Һанай китһәң, бик күп – элмәкле сигеү, шыма сигеү, шунан ҡулъяулыҡ ситен сигеп селтәрләү тиһеңме. Хатта алъяпҡыс, эске күлдәк бесергә өйрәнеп алдым. Әсәйем ҡарышмай ғына төҫлө кизе ептәрен, аҡ ситсаһын да табып биреп тора. Был бәхет бик оҙаҡ һуҙылыр һымаҡ ине. Сибәркәй апайыма шулай йәй буйына хат ташыным, ләкин Фәтих менән Мәүсилә йөрөй, тигән тауыш-тын сыҡманы. Ҡыш та үтте, яҙ етте. Тегеләр ләм-мим. Шулай ҙа апай менән дуҫлыҡты өҙмәнем. Ул оҙон ҡыш буйы таҫтамал, ҡулъяулыҡ, алъяпҡыстар сигеп үткәрҙе. Уныһы аңлашыла инде: еткән ҡыҙ бит. Әле килеп бөгөн – туй. Шартламайһыңмы шунда! Аҫтыртынлыҡтың сигенә сыҡҡандар икән! Ҡасан табышҡандар ҙа, ҡасан ҡоҙалашҡандар тиһең! - Әптерәй һөйөклө апайымды әсәһенә килен итеп төшөрә. Ах, хыянатсы! Күпереп торған ҡара мыйыҡлы, ап-аҡ тешле, ҙур ҡара күҙҙәрен көлдөрөп һөйләшә торған Фәтих ағайымды үҙ итмәй, кемгә сыҡҡан бит! Әптерәй тигәндәре беҙҙән өй аша ғына йәшәгән Ғабдрахман булыр. Ошондай олпат исем уға йәбешмәй, сөнки Әптерәй гел дә һытыҡ сырайлы, аяҡ йөҙлөгөнә ҡарап йөрөгән кеше. Әсәһе - йоҡа кәүҙәле, бөтмөр Мәхмүзә әбей - улын «алтыным» тип кенә йөрөтә, уның алдында өлтөрәп тора. – Алтыным, өйрә беште, ашап сыҡ. – Алтыным, мунса өлгөргән, таҙа таҫтамалды, алмаш кейемеңде соланға сығарҙым. Ихата тирәһендә уны-быны эшләп йөрөгән егет, мығырлап ҡына ҡуя, аңларлыҡ түгел. Юҡ, ялҡау түгел Мәхмүзә әбейҙең берҙән-бере. Колхоз эшенә лә йөрөй, ихатаһын да ҡарай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килеп, аслығына ла, эшенә лә бешегеп үҫкән малай. Ауырлыҡ күреп үҫкәнгә шундай күңелһеҙ бер әҙәм тиер инең, ана, Фәтих ағайым ниндәй уйынсаҡ, шаян кеше. Теге йомоҡ нәмәнең ҡыҙҙар артынан сапҡаны тойолманы, кейәүләп йөрөгәнен дә һиҙмәй ҡалдыҡ. ...Беҙ, бер төркөм бала-саға, яҙмыш иләгенән иләнеп, һуғыш утында янып-көйөп тере ҡалған апайҙарҙан яралған быуын. Ярып бешерелгән картуф, эре ондан бешкән икмәк ашап, ярайһы уҡ туҡ үҫеп, йәйен бер ҡат ситса күлдәк, ҡышын һырылған көпө кейеп тубырлашып үҫеп киләбеҙ. Туй кеүек оло ваҡиғаны ҡайҙа инде иғтибарһыҙ үткәреп ебәреү! Ҡыҙҙар әҙәп һаҡлап, килен төшөр йорттоң ҡапҡа төбөндә генә көтәбеҙ. Малайҙар иһә арғы урамға, ҡыҙ оҙатып, ҡапҡа тәңгәленә һибелгән тәңкә сүпләргә йүгерҙе. Баҡсалар, йорттар аша сығып, килен төшөрөүгә лә өлгөрәсәктәр. Ауылдан кәләш алыу малайҙарға икеләтә байрам. Бында килен ығырмауы алыу өсөн көрәш буласаҡ (аллы-гөллө ептәрҙән эшләнгән ҡаплы суҡты беҙҙә ығырмау тип йөрөтәләр). Көн ялт итеп тора, әйләнә-тирәне йәшеллек ҡаплаған. Әле яҙғы эштәр тамамланып, бесән башланмаған арауыҡ. – Әптерәйҙең башы эшләй, бесәнгә бисә алып ҡайта, – тип ҡуя уҫал Хаят еңгәй. – Әптерәй тимә, ауылдың иң сибәрен эләктерҙе әле, – быныһын Нәҡиә әбей әйтә. – Йә, шундай саҡта кеше тикшереп тормағыҙ, – тип тыя әсәйем. Туй, бөтә ауыл урамдарын урап сығып, беҙҙең осҡа килеп керҙе. Колхоз айғыры Күскәй алдан ярһып килә, ҡыңғырауҙар шылтырай. Үҫмер егеттәр ат башын тоторға ашҡынып тора. Әптерәй аҡ шәлле киленде күтәреп төшөрөп, билбауына йәбештереп өйгә алып инеп китә һалды. Бал, май, килендең аяҡ аҫтына ташлана торған мендәр өй эсендә әҙерләнгән. Йомоҡтоң эштәре йәшерен инде. Бер аҙҙан кире сығып, утынлыҡ башына менеп китеп ығырмау таратты. Беҙ, ҡыҙҙар, күкле-йәшелле-ҡыҙыллы йөн ептәрҙән үрелгән баулы, бала йоҙроғондай матур суҡтарға ҡыҙығып ҡарап ҡына торабыҙ. Их, берәйһе миңә тейһә, һис тә баш тартмаҫ инем. Беҙҙең өлөш түгел шул. Ә йәш кейәүҙең ҡараңғы сырайы барыбер ҙә асылманы. Хатта суҡтарҙы ҡыҙғанғандай тойолдо. Бер аҙҙан «морондоҡ инәй» итеп тәғәйенләнгән Сабира апай, өр-яңы биҙрәләрҙе зәңгәр көйәнтәгә аҫып, һыу башлатырға алып китте. Беҙ, ҡыҙҙар, шым ғына серләшеп барабыҙ. Аҡ күбектәй генә селтәрле шәл бөркәнгән Мәүсилә апай хәҙер бөтөнләй ят һымаҡ, үрһәләнеүҙәрем баҫыла, буғай. Нимә генә эшләй алам инде?! «Их!» тип ауыр һулап ҡына ҡуям. Дуҫым Әнисә миңә йылпылдатып ҡарап ала ла: – Мәүсилә апайҙы йәлләйһеңме? – тип бышылдай. – Эйе, – тим мин тағы ла ауырыраҡ һулап. – Ниңә инде сибәр Фәтих ағайыма бармай, бынау һытыҡ Әптерәйгә барҙы икән? Еңгәм буласаҡ тип уйлап йөрөгәндә... – күҙемә йәш тулыша башланы. – Аба, был икәү минән йәшереп кенә нимә һөйләшкән була? – тип араға төртмә тел Фәрзәнә килеп инде. Беҙ шымып ҡалдыҡ. Шулай һыу буйына килеп еттек. Бында бүләк өсөн сыр-сыу башланды. Янып торған ал таҫманы берәр метр итеп тараталар. Беҙ уны күбәләкләп сәстәребеҙгә бәйләп ҡуйған булдыҡ. Һыу башлаусыларҙы ҡапҡаға тиклем оҙатмай, Әнисә менән айырым ғына ҡайттыҡ. Аҙашҡан ҡаҙ бәпкәләре кеүек бойоғоп ҡалғайныҡ. Кескәй йөрәктәребеҙҙе шом-һағыш талай ине. – Мәүсилә апай бәхетле булмаҫ ул, – тип әйтеп ҡуйҙы Әнисә, – сөнки Фәтих ағай бик көйгәндер. – Мин уның менән бүтән сер һөйләшә алмам инде. Ә сәстәребеҙҙе нисек матур итеп үрергә өйрәткәйне. Тупаҫ, ҡотһоҙ Әптерәй тупһаһына ла баҫтырмаҫ... *** Ауыл үҙ тормошо менән йәшәй бирҙе. Яңы төшкән килендәрҙең эше бигерәк күп. Һыйырын һауа, һөтөн айырта, йүгереп йөрөп һыуын ташый, фермаға эшкә китә. Ул арала икмәк һалыу, кер-иҙән йыуыу, мунса яғыу кеүек эре эштәр бер-бер артлы килеп етеп кенә тора. Һөйөклө Мәүсилә апайымдың ҡыҙ сағындағы кеүек минең менән серләшеп алырға, тел сарларға ваҡыты юҡ. Ул хәҙер гел ашыға. Йөҙө һурылып китте, барыбер, гел шат йөрөгән төҫлө. Бер ваҡыт Ағиҙел буйында осраттым: ул кер сайҡай ине. Һыуға килгән еремдән туҡтап ҡалдым. Иренең эре-эре салбар, күлдәктәрен сайҡап борғанын, таҫтамал, ашъяулыҡтарҙы яҫы ташҡа һалып ашығып туҡмаҡлағанын яр башынан ҡарап тик торам. Ул мине күреп ҡалды ла: – Ниңә төшмәй тораһың, кәзәкәй? – тип һораны. Еңел кәүҙәле, осҡор булғаным өсөн шулай өндәшә торғайны. Элеккеләрҙе иҫләп, йөрәгем семетеп ҡуйҙы. Мин уның эргәһенә йүгереп төштөм, биҙрәләрем шалтыр-шолтор алдан тәгәрләне. – Мин һиңә үпкәләнем. Апай сылтырап көлдө: – Ниңә икән? – Фәтих ағайымды көйҙөрөп, ҡотһоҙ, аҫтыртын Әптерәйгә барғаның өсөн. – Их, Фәниәкәй, бәләкәсем. Аңлап етмәйһең, балаһың. – Ни эшләп бәләкәй булайым, ун өсөм тулды. – Барыбер. – Фәтих ағайымдың хаттарын ташыманыммы ни? Ә һин яуап ебәрмәнең. Ана ул көйөгөнән ауылдан уҡ сығып китте. Сәрби инәйем илай хәҙер. Бер мәрйәгә генә өйләнер инде, ти. – Еткән ҡыҙҙарға ғишыҡ хаты ғына етмәй бит. Хаттарҙы бына һинең кеүек саҡта яҙышалар ул. – Ниңә, бер ауылда йәшәнегеҙ бит. Ҡалай ҙа аңлатыр инең, минең аша булһа ла, телһеҙ ҙә булманығыҙ. – Бына шул-шул. Хат ебәреп кенә мәмәйләнеп күпме йөрөргә була? Оҙатып килһә, ҡапҡа төбөндә бер ҡосаҡлап үпһә, минең уҡам ҡойолмаҫ ине. Мин оялып башымды ситкә борҙом. – Ҡыҙ ғүмере - сәскә ғүмере. Ваҡыты еткәс, тормош ҡорғо, бәпес һөйгө лә килә. Ҡыҫыр сәскә булып ҡалайыммы? Аңланыммы, юҡмы, тигәндәй. Бик үк аңлап бөтмәнем, шикелле. Шулай айырылыштыҡ. Бүтән аулаҡлап осраша ла алманыҡ. Мин бик ҡәҙерле, кәрәкле кешемде юғалтҡанымды һиҙҙем. Ҡыш һуңында Мәүсилә апайҙың бәпесе тыуҙы, ул бигерәк тә бушамаҫҡа әйләнде. Бәпәйгә ҡырҡ көн тулыу менән фермала эш башлауын әсәйем әсенеп һөйләне: – Китсе инде, йәне юҡ Мәүсиләнең. Көлмәҫ Әптерәйҙе байытам тип, аяҡ һуҙа ла инде. Исмаһам, ике айы тулһа ни булған? Бер урамда йәшәгәс, осрата йөрөйөм. Һурылып, йөҙҙәре ағарып китһә лә, һаман егәрле, уңған, йүгерә-атлай йөрөй. Ул тиклем көс-ҡеүәт ҡайҙан киләлер ҡаҡса ғына кәүҙәгә? *** Мин дә ҡыҙ ҡорона етеп киләм инде - йәйгә ун алтым тула. Быйыл ҡыш туғыҙынсыны илле саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгендә ятып уҡыным. Ата-әсәм өсөн бик ҡәҙерле, һағынып көтөп алынған баламын. Ара йыраҡ булғас, ҡайһы ваҡыт айына бер ҡайтырға тура килә. Йәйге каникулды түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Мин инде үҫкән ҡыҙ, әҙме-күпме үҙаллылыҡ та бирелер, киске уйындарға ла сығырмын әле. Беҙҙең яҡ ауылдарҙы Иҙел башы тип йөрөтәләр. Ағиҙел бында сабый ғына йылғасыҡ булһа ла, ғәләмәт йәмле урман-әрәмәләр аша аға. Йыраҡта Ирәмәлдең текә битләүе аяҙ көндәрҙә мөһабәт булып күренә. Ауылға яҡын ғына урман йәйге селләлә һалҡынлыҡ, еләҫлек бөркөп тора. Беҙ, үҫеп килеүсе йәштәр, ауылыбыҙға, уны уратып алған гүзәллеккә шул тиклем ғашиҡбыҙ, берәй ергә өс көнгә генә китһәк тә, үлеп һағына һалабыҙ. Каникул еткәс, бәйҙән ысҡынып киткәндәй, һыу буйынан, болонлоҡтарҙан ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы йыйып, ҡайтып инергә лә онотоп йөрөп алдыҡ. Һыу буйында уҡ киске уйындар ҙа ойошоп китә. Шундай йәмле ваҡытта туҙанлы клубҡа ҡарағы ла килмәй. Бер көндө шулай, оҙаҡ ҡына бейеп ҡайтҡандан һуң, уяна алмай ятам. Йоҡлаған ерем солан төпкөлөндә бүленеп алынған бәләкәй бүлмә. Шунда әсәйҙең киптерергә элгән дарыу үләндәре хуш еҫ бөркөп тора. Алғы яҡҡа сепаратор ҡуйылған. Күрше апай-еңгәләр таңдан килеп һөт айырталар. Ҡайһы саҡ күпләп йыйылып китеп ауыл яңылыҡтарын һөйләйҙәр. Бөгөн шул тиклем ныҡ сыуылдашалар, ни булып китте икән? Йоҡомдан айнып, алғы яҡҡа ҡолаҡ һуҙам. – Нисә йыл өнһөҙ түҙеп йөрөгән. Йомоҡтан да йомоғораҡ булып сыҡҡан инде. – Үҙе гел шат, бәхетле кешеләй йөрөнө, бахырҡайым. – Ауыҙы тулы ҡан булһа ла, төкөрмәне инде, – быныһы әсәйем тауышы. – Ах, ҡара йөрәк, фәрештәләй ҡыҙ һанлап килде тимәгән, туҡмап-ҡыйырһытып йәшәгән икән. – Ҡотһоҙҙарҙың тормошон ҡотайтып, гөл итеп ҡуйғайны инде. Туҡта-туҡта, Мәүсилә апайым менән Әптерәйҙе һөйләйҙәр бит былар! Ни булды икән? Ҡатындарҙың ҡайтып китеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Иртәнге сәйҙә әсәйемдең йөҙө уғата ҡайғылы ине. «Уф» тип көрһөнөп ала. Мин уға һораулы ҡараш ташлай-ташлай сәй эсәм. Ахырҙа әсәй түҙмәй. – Мәүсилә апайың бер нисә көн урамда күренмәгәс, аптыраным. Хәҙер уларға кереүе бер әжәл. Шулай ҙа түҙмәнем, барһам, апайың һыҙланып, таянып-һөйәлеп икмәк һалып ятҡан була. «Ни булды?» – тим. Оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо ла, бөтәһен дә һөйләп һалды. Быуаһы йырылды. Теге мәлғүн гел ҡағып-һуғып, туҡмап йәшәткән икән. Әсәһенең ризаһыҙлығына ҡарамай сыҡҡас, бер кемгә лә һиҙҙермәгән. «Һуңғы ваҡыт тамам йыртҡысланды, йә ҡәйнәм яҡлашмай, белмәмеш-күрмәмеш булып тик йөрөй, – ти. - Инде тәмле генә итеп йоҡлап китһәм, йә өҙгәнсе бороп ала, йә тубығы менән дөңкөлдәтеп тибеп ебәрә. Сәсемдән урап тотоп, мендәргә баҫа, инде тонсоҡтом тигәндә, ысҡындыра». Әле һуғыша башлағас, сәсемдән эләктермәҫ борон, тип тәҙрәне асҡан да, тышҡа һикергән. «Элек тә шулай итә инем, был юлы ипһеҙ төшөп аяғымды имгәттем, – ти. – Аҙбар башына иҫке-моҫҡо юрған-фәлән ырғытып ҡуйғанмын. Сығырынан-сыҡһа, шунда менеп ятам», – тигән була бахырҡайым. Минең күҙ аҡайҙы, өнһөҙ ҡатып ултырам. – Балалары береһе аяҡһыҙ, береһе к...тһеҙ бит әле, – тип дауам итә әсәйем өҙгөләнеп. Һикереп тороп кейенә башланым, әсәйем ҡайҙа барырымды аңлап тора. – Һаҡ йөрө, – тип артымдан ҡысҡырып ҡалды. Мәүсилә апайым ултырғысҡа ултырып, табағын икенсеһенә ҡуйып, ҡашығаяҡ йыуа. Мине күреп күңеле йомшарҙы, моңло матур күҙҙәре йәш менән тулды. Йәш кеше булараҡ, ҡайғы бүлешә белмәйем әле. – Һыуың бармы, апай? Йүгереп кенә килтереп бирәйем. – Һыуым бөткәйне шул. Әҙ-мәҙ генә һыу менән һауыт йыуып ултырам. Тиҙ-тиҙ генә йөрөп, өс көйәнтә һыу килтерә һалдым. Ҡаҙанда һыу йылытып, иҙәнде лә йыуып алдым. – Өй ҡалай йәмләнеп китте, – тип шатлана апайым. – Больницаға бар, апай. Ул итәгенә йәбешеп торған, яңы ғына аяҡ баҫҡан Алмасҡа ымланы. – Быларҙы кем ҡарар. Үҙе көнө буйы эштә. Рәхмәт, туғанҡайым. Яҡшы кейәү тура килһен инде үҙеңә. Мин ҡыҙарам. – Оялма, Фәниә. Беҙҙең өсөн иң кәрәге шул. Уңғанлыҡ та, матурлыҡ та бәхет түгел икән. Картуф ҡына сығарып бирһәң. Баҙҙан сыҡҡас, ҡайтырға булдым. – Бигерәк һуңлап ҡайтып инә, әллә юрый йөрөй. Мирас менән Байрасты ҡурҡытыр тип ҡотом оса. Бер нәмә аңламаған тиктормаҫ саҡтары. – Мәхмүзә әбей ҡайҙа һуң? – Күрше ауылға, ҡыҙына киткән ул да. – Мин һиңә килеп торормон. Хәҙер беҙҙең каникул. – Әсәйеңә лә кәрәкһең бит. – Мин өлгөрөрмөн. Бер зар һүҙ әйтмәне, шатланып артымдан ҡарап ҡалды. Ҡайғыларын һөйләп, үҫмер ҡыҙҙың күңелен боҙғоһо килмәгәндер. Каникул тип, йоҡо һимертеп ятыуҙар бөттө. Пионерҙарса әйтһәк, Мәүсилә апайымды шефлыҡҡа алдым. Әсәйгә лә ярҙам итәм. Йәй көнө ауыл эшенең хисабы юҡ инде. Ҡыҙҙар менән һыу инеп, ҡыҙынып ятырға ла өлгөрәбеҙ. – Һыу буйында ҡаҡланып ятып, тартай булып бөттөң дә, – тип һөйләнә әсәйем. Уныңса ҡыҙ кеше көр генә булып, биттәре янып торорға тейеш. Балалыҡ – балалыҡ инде. Мәүсилә апайымдың һауығырына шул ҡәҙәрем ышанып йөрөнөм. Тик улай булып сыҡманы. Таяна-һөйәнә йөрөй торғас, уның аяғы гөбөләй шешенеп китте. Шул көнгә ҡалғас ҡына Әптерәй ағай ат егеп, апайҙы район больницаһына алып китте. Өс малайҙы мин ҡарап торҙом. Бер кис ҡунып ҡайтып төштөләр. Әптерәйҙең бөтөнләй һөмһөрө ҡойолған. Мәүсилә апай иҫен йыя алмай, тамам юғалып ҡалған. Миңә тағы бер нәмә әйтмәнеләр. Әсәйем генә бөтәһен белеп ҡайтты. Апайҙың аяғы һынған булған икән. Тәүге ярҙамды ла алмай йөрөп ятҡас, гангрена башланған. Больницаға ятырға, сирле аяҡты киҫеп ташларға тигәндәр. Мәүсилә апай, аяғын киҫтерергә бирмәй, ҡырталашып ҡайтып киткән. – Һыңар аяҡ булһа ла, әсәй булыр ине әле. – Теге ҡара йөрәк барыбер бәреп үлтерер ине. Матур, сәләмәт сағында ҡәҙерен белмәгәнде. – Кит инде, шундай кеше лә бәхетһеҙ булыр икән. – Ул Әптерәйгә закон юҡмы икән? – Артынан йөрөүсе бармы һуң? – Бер бәхеткенәң булмаһа, арыҫландай булһаң да, булмай икән шул, – тип әсәйем йомғаҡлап ҡуя. Сепарат янындағы «йыйындан» ҡатындар бойоҡ ҡына таралыша. *** Бер нисә көндән бөтә ауыл Ғабдрахмандың яһиллығына хайран ҡалды. Арбаға бер аҙ түшәк-яҫтыҡ, кейем-һалым тейәп, өҫтөнә Алмас, Байрас, Мирас һәм Мәүсилә апайҙы ултыртып, әсәһе Алма әбейгә алып барып ташланы. Миңә көн дә барып йөрөргә лә мөмкинлек ҡалманы. Халыҡ һөйләне-һөйләне лә, тынды. Картуф утау, күмеү башланды. Ул эш бөтөүгә бесәнгә лә төштөләр. Бынан алдағы йылда уҡ сабырға йөрөгәйнем, быйыл атайым ныҡ ҡына өмөтләнеп тора. Ҡулдарында мин генә ҡалғанмын бит. Эш башланыр алдынан апайҙың хәлен белеп ҡайтырға кәрәк булыр. Йәһәт кенә урман ситенә барып ҡайын еләге йыйып алдым. Йәйҙең йәмлелеге, әсәйем әйтмешләй, «үлектәр тороп ултырыр», бына ошондай көндә йәш һылыу ҡатын көн дә әжәлен көтөп йәшәй. Шул тиклем эсем боша, әле ғүмеремдә тәүге тапҡыр оло һағышҡа батыуым. Хәле мөшкөлләнгән апайымдың көн эҫе булһа ла, ауырыу аяғына оҙон ойоҡ кейгән. Яланғас тотһаң, себен йонсота икән. Унан туҡтауһыҙ еүешлек һарҡый. «Тереләй серей бит, бахырҡайым», – тигәндәре аңыма яңы барып етте. Шундай хәлдә булһа ла, мине күреп һөйөндө. Еләкте ауыҙында оҙаҡ тотоп, тәмләп кенә һурҙы. – Рәхмәт яуһын инде, өйгә йәй еҫе тулды, – тине моңһоу ғына. Ул һаман да аһ-зарын түкмәне, мине аяны булыр. Әсәһе Алма инәй тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән аласыҡта йөрөй, Алмас әле мыжып, әле төрлө һорауҙар биреп шунда өйөрөлә. Инәй баланы сирле әсәһенән йырағыраҡ тоторға тырыша, буғай. Мейе ҡайнатырҙай эҫе көндәр тора. Атай менән бесән сабып, кис кенә арып-талып, шулай ҙа ҡәнәғәт булып ҡайтып инәбеҙ. Әсәй өй тирәһен ҡарай. Бесән эше ауыр булһа ла, күңелле ул. Мең төрлө сәскәһе генә түгел, геүләп торған бөжәктәренә тиклем үҙ йәме. Әүрәткес еләктәре тиһеңме, мин һәр хәлдә урман араһындағы оло аҡландағы бесәнлегебеҙгә барырға ашҡынып торам. Тик Мәүсилә апайҙың хәле генә иҫкә төшөп, күңелде өйкәй. Әйткәндәй, уны ҡайтарып ҡуйғандың икенсе көнөндә үк Ғабдрахман икенсе ауылдан ҡатын алып ҡайтты. Шунда көлмәҫ бәндәнең йөҙөндә йылмайыу күрҙем. Яңы еңгә Мәүсилә апайҙан да сибәрерәк ине, буғай. Оҙон һары толомо бөгәренә төшкән, күҙҙәре зәңгәр күктең үҙе. Иртәгеһен соланда ҡатындар ”йыйылышы” бик ҡыҙыу барҙы. – Алдан йөрөгән, ти бит. Шуға күрә һуңғы ваҡыт Мәүсиләне күрә алмаған икән. – Был ниндәй Әптерәй һуң? Йомоҡ тимә, бисәнең бер тигәнен алған тағы. – Нәмәһен табалар икән? – Ниңә, белмәй инеңме ни? Ни бит... (бышылдауға күстеләр, ҡысҡырып көлдөләр). – Күп һөйләмәгеҙ, төпкө яҡта оҙон ҡолаҡ ишетер. – Һәй, аңлар йәшкә еткән инде. – Кит, тәүфиҡһыҙҙар, таушалмаған ебәктәй балам алдында әллә нәмә һөйләйһең, – әсәм тауышы. – Кеше бәхете өҫтөнән йөрөп, бәхетле була алмаҫ. Шундай ҡарар сығарып, таралдылар. Әсәйем көн дә үк булмаһа ла, Мәүсилә апайға йөрөүҙән туҡтаманы. Беҙҙең өсөн туған кеүек яҡын ине ул. – Күгәрсендәй Мәүсиләгә иш инеме Әптерәй шайтан ботағы, тамуҡ киҫәүе, – тип һөйләй бер көн әсәй атайыма. – Алманың аҫылын ҡорт ашаны шул, – ти атайым да көрһөнөп. – Теге юха төлкөһө, Хая ҡыҙы, силәгенә ҡапҡасы инде. Бик килешкәндәр. Мәүсилә, бахырҡайымдың, тәҙрәнән күҙ алмай зарығып ултырғанын белеп, бесәнгә барғанда көн дә шул яҡтан үтәләр икән. – Ул яҡтан урау бит, – тип аптырай атай. – Урау булһа булһын, тик Мәүсиләнең йәненә тейергә, ҡанына тоҙ һалырға кәрәк бит. Теге иманһыҙы аҡ ойоҡбаш, аҡ алъяпҡыстар кейеп ала. Инде көлөшөп-ҡыуанышып үтәләр, ти. Ир бирмәк – йән бирмәк тимәҫтәр ине. Шул йыртҡысты балаҡай һаман үҙ итеп, яратып һөйләп ултырған була. Ай, был донъя, шул йәшемә етеп, һаман төшөнөп булмай. Әсәй өҙгөләнеп, йолҡҡоланып булһа ла, һуңғы көндәренә тиклем Мәүсилә апайҙы ташламаған, уға хыянат итмәгән берҙән-бер кеше булғандыр. Мин август һуңында ғына хәл белешеп барҙым. Апайға хәҙер бөтәһе лә барыбер, түшәктән тормай, һөйләшергә хәлгенәһе юҡ. Йәйҙең һуңғы сәскәләренән кескәй генә шәлкем яһап алып барҙым, күкрәгенә һалдым. Ул рәхмәтле күҙҙәрен тултырып ҡарап алды, һаран ғына күҙ йәше сикәһенә ағып төштө. Күңелем тулып, тышҡа атылдым. Һуңғы осрашыу булды был. Уҡыуҙар башланды. Октябрь байрамында ғына өйгә ҡайта алдым. Мәүсилә апай сентябрь баштарында донъя ҡуйғайны. *** Мин институтҡа индем. Уҡығанда йылына ике генә ҡайтылды тиһәм дә була. Берҙән, ара йыраҡ, поезд менән генә йөрөлә. Аҡсаһы ла етеңкерәмәй йыш ҡайтырға. Институтты тамамлағас, Башҡортостандың көнсығышына ебәреүҙәре тыуған ауылымдан айырып ҡуйҙы. Тормош юлдашымды ла шул яҡта осраттым. Мине Ғабдрахман ағай менән уның хәҙерге ҡатыны Рәсиләнең яҙмышы барыбер битараф ҡалдырманы. Быйыл ялға ҡайтҡанда әсәйем ғибрәтле яҙмыштарын һөйләне. Ни генә тимә, бәндә ҡылған яман ҡылыҡтары өсөн донъялыҡта уҡ язаһын ала икән. Рәсилә, һыр бирмәй, бар көсөнә, бәхетле күренергә тырышып, бирешмәй йәшәгән. Йыл аша бала табыуҙар, колхоз эшендә йөрөү, ишле ғаилә ҡороу менән яман уҫал ир, уны ла бер килтереп бөккән. Хәйер, бөгөп кенә ҡалмаған. Һуңғы, етенсе балаһына бик ауыр йөрөгән. Донъя тигәнең һинең ниндәй халәттә булыуыңа ҡарамай, ҡыуа ғына бирә бит. Бала артынан күп ҡан китеү сәбәпле, донъя ҡуя Рәсилә. Был ваҡытта Мәүсиләнең өс балаһы ла өләсәләрендә үҫеп, олоһо инде институтта уҡып йөрөй. Алма ҡарсыҡ балаларҙы дан итеп үҫтерә. Улар киләсәктә өсөһө лә институт бөтөп, арыу кешеләр булып китте. Ә Ғабдрахман, Рәсиләнең эйәрсен ҡыҙы менән һанағанда, һигеҙ сеп-сей бала менән ҡалды. Хәйер, ҡыҙ бала арыу уҡ ҡул араһына ингәйне инде. Шул ваҡытта бар ауылда (хәйер, ауылды ғынамы икән) тетрәткән хәл була ла инде. Мәйетте район үҙәгенә алып барырға йыйынған Ғабдрахман үле әсәнең ҡуйынына яңы тыуған сабыйҙы төрөп сығарып тыҡҡан. Оҙатырға килгән бар халыҡ «ах» итеп ҡалған шул саҡ. – Ҡайҙа, сабыйҙы үҙем генә алып ҡалайым да ҡуяйым, – тип өҙгөләнгән әсәйем. – Һыйырым да яңы ғына быҙаулаған. Ярһыу ир күҙен генә ҡот осҡос аҡайтып ҡараған. – Ҡоторған эттән яман ине, – ти әсәйем. Шунан ул йүгереп ҡайтып китеп, шешәгә әле генә ағыҙылған йылы ҡаймаҡ ҡойоп, кәзә имсәгенән эшләнгән имеҙлек бәйләп, бер йотом да әсә һөтө ҡапмаған сабыйға ҡаптырып ебәргән. Үле әсә ҡуйынына яңы тыуған сабыйын һалып, армыт-армыт Урал һырттары аша һоло заты күрмәгән арыҡ ат егеп китеп барған ирҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Таш кеүек ҡатып ҡалған йөрәге нимә кисерҙе икән? Уныһы беҙгә ҡараңғы. Сабый тере ҡала. Мәйет кенә булһа ла, әсә ҡуйыны сатлама ғинуар һыуығында балаһын үлемдән ҡурсып алып ҡалған. Беҙҙең ауыл менән район үҙәге ярты көнлөк юл. Ҡырым сиреүендәй бер көтөү бала менән ҡалһа ла, Ғабдрахманға өсөнсө ҡатын да табыла. Артабан шуныһын ғына әйтә алам. Бик яһил ҡатын һәм яуыз үгәй әсәй була ул. Зәһәрлек, уҫаллыҡ яғынан иренән дә уҙҙыра. Өсөнсө ҡатын менән йәшәгән йылдары әсе үкенеү, тәүге һөйгән йәре Мәүсиләне юҡһыныу-һағыныу менән үтә. Әрнеү-һағыш туҫтағын тулыһынса эсергә тура килә уға. Уның шул тиклем зарығып йәшәгәнен белмәҫ инем, аҙаҡ атайыма эйәләшеп, бөтөн аһ-зарҙарын уға ғына түгә торған булған. Донъя - ҡуласа тип әйтмәҫтәр ине боронғолар. Ғабдрахман минең хәтеремдә бала саҡта уҡыған «Зәңгәр һаҡал» әкиәтенең прототибы булып ҡалды. Күк һаҡал һылыуҙан һылыу ҡыҙҙар алып, уларҙың башына етә, ә Ғабдрахман үҙ сабыйын да ҡыҙғанманы. Бала тере етем булып балалар йортонда тәрбиәләнде.
Ниһайәт, барыбыҙ ҙа көткән ваҡиға етте – коронавирусҡа ҡаршы «Спутник V» вакцинаһы бөтә теләүселәргә лә яһала башланы. Эйе, республикаға ул былтырғы йыл аҙағынан килтерелә, әммә тәүге партиялар эшмәкәрлеге даими аралашыуға ҡоролған һөнәр эйәләренә – табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡаларға тәғәйенләнде. Өфө журналисы Станислав Шахов үҙ теләге менән вакцина яһатыуға яҙылды һәм уны үҙендә һынап ҡараны. Ниһайәт, барыбыҙ ҙа көткән ваҡиға етте – коронавирусҡа ҡаршы «Спутник V» вакцинаһы бөтә теләүселәргә лә яһала башланы. Эйе, республикаға ул былтырғы йыл аҙағынан килтерелә, әммә тәүге партиялар эшмәкәрлеге даими аралашыуға ҡоролған һөнәр эйәләренә – табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡаларға тәғәйенләнде. Өфө журналисы Станислав Шахов үҙ теләге менән вакцина яһатыуға яҙылды һәм уны үҙендә һынап ҡараны. Нисек яҙылырға Прививкаға: – «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы йәки doctor.bashkortostan.ru республика сайты аша; – колл-үҙәктең берҙәм телефоны буйынса – 1301 һәм 122; – үҙең беркетелгән поликлиниканың регистратураһында; – Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә – (347) 218-19-19 шылтыратып; – «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша яҙылырға мөмкин. Мин һуңғыһын һайланым – үҙемдең шәхси битемә инеп (телефондан да мөмкин), «COVID-19-ға ҡаршы вакцинацияға яҙылыу» тигән һылтанмаға баҫтым. Унда үҙегеҙ өсөн уңайлы поликлиниканы, көндө һәм ваҡытты һайларға була. Әлеге ваҡытта республикаға вакцинаның 20 мең доза самаһы яңы партияһы килтерелде, шуға күрә был йәһәттән проблема юҡ. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән өлгөрмәһәгеҙ, борсолмағыҙ – инъекция аҙна һайын тигәндәй килтерелә, шуға күрә барлыҡ теләүселәргә лә етәсәк. Поликлиникала ҙур булмаған сират бар ине, әммә ун минут эсендә ул юҡҡа сыҡты. Махсус әҙерлек – ҡан анализы, коронавирусҡа тест йәки антиесемдәрҙең булыу-булмауын асыҡлау кәрәкмәй. Һеҙ үҙегеҙ өсөн уларҙы тапшыра алаһығыҙ, әммә теләмәһәгеҙ – бирмәгеҙ. Бына миңә лә инергә сират етте. Иҫтәлеккә – фото Иртә менән поликлиникала. – Температурағыҙ юҡмы? Йүткермәйһегеҙме? Ҡасан ауырынығыҙ? Коронавирус булманымы? – шәфҡәт туташының һорауҙар теҙмәһе оҙон ғына. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: хроник сирҙәре ҡуҙғыған, киҫкен вируслы инфекциялар (ОРВИ) билдәләре булған кешеләргә, шулай уҡ ауырлы ҡатындарға һәм бала имеҙгән әсәләргә вакцина эшләнмәй. Юҡ инде, юҡ, юҡ! Мин һау-сәләмәтмен һәм һынауға әҙермен. Артабан инструктаж: прививка яһатҡандан һуң өс көн мунсала йыуынмаҫҡа, бер сынаяҡ сәйҙән ауыр нәмә күтәрмәҫкә, алкоголле эсемлектәр эсмәҫкә. Былар хоҡуҡты һәм иректе сикләмәй, уларҙы һәр кем үтәй ала. Иҫләйем: илебеҙҙә был эш башланып ҡына торған мәлдә чиновниктарҙан кемдер, прививканан һуң 42 көн эсергә ярамай тип әйтеп, вакцинацияны саҡ юҡҡа сығарманы. Вакцина уйлап табыусыларға матбуғат кәңәшмәһе ойоштороп, был кешенең яңылышыуын аңлатырға тура килде. 42 көн – ул тыйыуҙар түгел, ә антиесемдәр барлыҡҡа килеү ваҡыты. Эйе, бөтөнләй эсмәү – әлбиттә, яҡшы, әммә был осраҡта өс көн спиртлы эсемлектәр ҡулланмау тураһында һүҙ бара. Процедуралар бүлмәһенә инәм. Шәфҡәт туташы ампула сығара. – Әйҙәгеҙ, иҫтәлеккә фото төшәйек, – тип тәҡдим итәм. – Нимәгә? – Былай ғына, иҫтәлеккә. Әллә һеҙҙә кешеләр фото төшмәйме? – Юҡ, һеҙ – тәүгеһе, – ти шәфҡәт туташы ризаһыҙыраҡ, әммә камераға профессиональ моделдәр ише ҡарап, фотоға төштө. Ғәҙәти, ябай укол, бер тамсы ла ауыртманы. Әммә вакцина беҙҙең организм өсөн яңы төр булғанға күрә, табиптар шунда уҡ өйгә ҡайтып китмәҫкә, ярты сәғәт самаһы коридорҙа тыныс ҡына ултырып торорға кәңәш итә. Был кәңәштең аңлатмаһы бик ябай: әгәр организмдың прививкаға ҡарата ниндәйҙер реакцияһы булһа, ул ярты сәғәттә беленәсәк һәм табиптар һеҙгә ярҙам итә аласаҡ. Шуны ла әйтергә кәрәк, әлегә көслө аллергия, анафилактик шок йәки башҡа төрлө насар эҙемтәләргә бәйле бер осраҡ та теркәлмәгән. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, прививка яһатыусыларҙың 98 проценттан ашыуында йөҙ процентлы күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа килгән, уларҙың организмындағы антиесемдәр кимәле COVID-19 менән сирләп йүнәлеүселәрҙекенә ҡарағанда 1,3-1,5 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Вакцина бөтә йәштәгеләр өсөн берҙәй һөҙөмтәле. Бына шулай, барыһы ла тейешенсә башҡарылды, хәҙер эшкә барырға ла мөмкин. Прививканан һуң кискеһен хәл нисек булды Организм вакцинаны яҡшы ҡабул итте. Быға тиклем инъекция эшләткәндәр араһында, температурам күтәрелде, үҙемде сирләй башлаған кеүек тоям, тип яҙыусылар ҙа булғайны. Беренсе көндә миндә бер ниндәй ҙә симптомдар булманы. Артабан да ғәҙәттәгесә эшкә йөрөнөм. Икенсе көндә иртәнсәк ҡулдың инъекция яһатҡан урыны һыҙлай башланы. Кемдер шул урынға ғына бамбук таяғы менән һуҡҡан кеүек. «Һинең ҡулыңда антиесемдәр барлыҡҡа килә, артабан улар бөтә тәнеңә тараласаҡ», – тип шаяртты коллегалар. Өҫтәүенә бығаса булмаған арыу барлыҡҡа килде. Бар нәмәгә ҡул һелтәп (ә ысынында ҡул күтәрелмәй ине), бер нәмә лә эшләмәй, телевизор ҡабыҙып, хоккей ҡарап тик ятҡым килде. Мин шулай иттем дә. Өсөнсө көндә әлеге хәлһеҙлек кенә ҡалды, ә дүртенсе көндә быларҙың барыһы ла хәтирә ине инде. Был – организмдың ғәҙәти реакцияһы. Ҡағиҙә булараҡ, прививка яһатҡандан һуң ныҡ ҡына күтәрелгән температура осраҡтары ла өсөнсө-дүртенсе көнгә яйлана. Көн һайын миңә «Дәүләт хеҙмәттәре»нән һаулыҡ торошон күҙәтеп көндәлек тултырыу зарурлығы тураһында хәбәр килеп торҙо. Был күп ваҡытты алмай, бер-ике минут етә. Мәктәптә уҙғарылған тестағы кеүек үҙеңде нисек тойоуың, насар эҙемтәләр булыу-булмауын теркәп барырға тейешһең. Март башында мин прививканың икенсе этабын яһатасаҡмын, ғәҙәттә ул тәүгеһенә ҡарағанда еңелерәк үтә, тиҙәр. Тағы ла 21 көндән, йәғни апрель башына, миндә ике йыл тәьҫир итәсәк тулы ҡеүәтле иммунитет барлыҡҡа киләсәк. БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ Азат Мөхәмәтйәнов, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының баш эпидемиологы: – Шуны билдәләргә кәрәк: кешеләр прививканан ҡурҡыуҙан туҡтаны һәм уның мөһимлеген аңлай башланы. «Спутник V» вакцинаһын донъяның ғилми берләшмәһе таныны, уны бик күп илдәр һатып ала. Был беҙҙең ил табиптарының донъяла яҡшы рәттә булыуына дәлил. Сиратта – тағы ике вакцина. Улар быйыл уҡ киң әйләнешкә сығыр, моғайын. Әлеге мәлдә беҙҙә вакцинаның беренсе компоненты – 75 мең, икенсеһе 16 мең кешегә яһалған. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн ике миллион самаһы кешегә прививка яһарға кәрәк, шуға күрә алда эштәр күп. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Кисәге мәсьәләнең яуабы былай ине: йыл дауамында егет фатир хужаһына 78 һум аҡса түләһә, фатир хужаһы егеткә 81,90 һум аҡса “ҡайтара”. Шулай итеп фатир хужаһы 3,90 һумға отола.Был мәсьәләне дөрөҫ сискән Гөлназ Ҡылысбаева, Гүзәл Йылҡыбаева, Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Рәйфә Голошубина, Гөлнара Күсәкова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Фәимә Исхаҡова, Эльмира Дәүләтшина йәнә берәр мәрәйле булды. Ҡотлайбыҙ!!! Шаян мәсьәләләрҙе дауам итеп, бөгөнгә ошондайҙы тәҡдим итәбеҙ.Йылы яҡтан ҡайтып килгән бер төркөм ҡаҙҙарға ҡаршы осраған ҡаҙ уларға:- Әссәләмәғәләйкүм, йөҙ ҡаҙ! – ти.Төркөмдәге ҡаҙҙарҙың береһе:- Юҡ, беҙ йөҙ ҡаҙ түгел. Әгәр беҙҙең саҡлы тағы ла бер булып, тағы ла беҙҙең яртыбыҙ саҡлы булһа, тағы ла беҙҙең сирегебеҙ тиклем булһа, уларға һин дә ҡушылһаң – йөҙ ҡаҙ булыр инек, – тип яуап бирә.Йәгеҙ, был төркөмдә нисә ҡаҙ, кемегеҙ дөрөҫ яуап бирер?! Яуаптарҙы, һәр ваҡыттағыса, иртәгәгә тиклем ҡабул итәбеҙ! Уңыштар!!! Хәйерле кис, төркөмдәштәр! Кисәге мәсьәләнең яуабы былай ине: йыл дауамында егет фатир хужаһына 78 һум аҡса түләһә, фатир хужаһы егеткә 81,90 һум аҡса “ҡайтара”. Шулай итеп фатир хужаһы 3,90 һумға отола. Был мәсьәләне дөрөҫ сискән Гөлназ Ҡылысбаева, Гүзәл Йылҡыбаева, Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Рәйфә Голошубина, Гөлнара Күсәкова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Фәимә Исхаҡова, Эльмира Дәүләтшина йәнә берәр мәрәйле булды. Ҡотлайбыҙ!!! Шаян мәсьәләләрҙе дауам итеп, бөгөнгә ошондайҙы тәҡдим итәбеҙ. Йылы яҡтан ҡайтып килгән бер төркөм ҡаҙҙарға ҡаршы осраған ҡаҙ уларға: - Әссәләмәғәләйкүм, йөҙ ҡаҙ! – ти. Төркөмдәге ҡаҙҙарҙың береһе: - Юҡ, беҙ йөҙ ҡаҙ түгел. Әгәр беҙҙең саҡлы тағы ла бер булып, тағы ла беҙҙең яртыбыҙ саҡлы булһа, тағы ла беҙҙең сирегебеҙ тиклем булһа, уларға һин дә ҡушылһаң – йөҙ ҡаҙ булыр инек, – тип яуап бирә. Йәгеҙ, был төркөмдә нисә ҡаҙ, кемегеҙ дөрөҫ яуап бирер?! Яуаптарҙы, һәр ваҡыттағыса, иртәгәгә тиклем ҡабул итәбеҙ! Уңыштар!!! Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Рөстәм Нурыев Категория:I мең йыллыҡта вафаттар битенең исемен йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртте. Яңы исеме: [[Категория:I мең йыллыҡта вафат… ә 15:11 11 июнь 2015 Ардах18 "{{Commonscat|Deaths by year}} Категория:I мең йыллыҡ Категория:Вафат йылдары буйынса шә…" исемле яңы бит булдырылған
2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем Башҡортостандан биш меңгә яҡын егет Рәсәй биләмәһе буйлап төрлө ғәскәрҙәргә юллана. Дөйөм алғанда, быйыл яҙ Рәсәйҙә 134,5 мең егет армияға алынырға тейеш. Рәсәй Оборона министрлығында белдереүҙәренсә, хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың береһен дә Украинаға ебәрмәйәсәктәр - махсус операцияла профессиональ хәрбиҙәр генә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса һорауҙар булһа, "ҡыҙыу элемтә"гә шылтыратығыҙ. Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда генерал Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендары булдырыла. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта тейешле закон проектын ҡарраға йыйына. Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткәндәрҙе легендар генерал иҫтәлегенә Шайморатов ордены менән бүләкләргә тәҡдим ителә. «Григорий Аксаков ордены — емешле дәүләт, йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән. Беренсе Өфө губернаторы Григорий Аксаков тап шундай аҡыллы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булып мәңгелеккә беҙҙең төйәктең тарихына инеп ҡалған», — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе. Шулай уҡ закон проекты менән һөнәри оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын булдырыу күҙаллана. Награда әлеге ваҡыттағы «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт» билдәһен алмаштырырға тейеш. Бынан тыш, тағы өс маҡтаулы исем барлыҡҡа килә: «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған IT-индустрия хеҙмәткәре». Закон проектында шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен булдырыу ҡаралған. Ул әлеге «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе» исемен алмаштыра. http://www.bashinform.ru/news/1382686-v-bashkortostane-uchredyat-ordena-generala-shaymuratova-i-grigoriya-aksakova/ Теги:наградалар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Элек башлаған эштәрегеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтырға тура килер. Уларҙы тиҙ генә тамамларға мәжбүр булыр­һығыҙ. Ғөмүмән, иң ауыр мәсьәләләр ҙә һеҙҙе ҡурҡытмаҫ. Кесе йомала күптәнге дуҫығыҙҙан хәбәр килер. һыуғояр (21.01 – 19.02) Был арала үҙегеҙҙе тыныс тотоу еңел булмаҫ, моғайын. Төрлө ваҡ-төйәк мә­шә­ҡәт эсегеҙҙе бошорор. Һеҙҙе күрә алмаусыларҙан һәм башҡа йүнһеҙ бән­дәләрҙән ситтәрәк тороғоҙ. Ғөмүмән, ҡайһы бер етди мәсьәләне күктән ергә төшөрөргә кәрәктер. Балыҡ (20.02 – 20.03) Аҙнаның тәүге яртыһын мөмкин тиклем файҙалыраҡ үткәрергә тырышығыҙ. Баш­­ҡалар менән уртаҡ тел таба бе­леүегеҙ һәр саҡ ярҙам итер. Шар­шам­бынан һуң аҡса мәсьәләләре менән шөғөл­ләнерһегеҙ. Уларҙы хәл итеү уйлағандан күпкә ауырыраҡ барыр. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Һәйбәт осор. Ләкин аҙаҡ кире хәл­дәр­ҙең күбәйеп китеүе ихтимал. Иң мөһим эштәрегеҙҙе һуңға ҡалдырырға кәңәш ителмәй. Шаршамбыла яҡшы белгән кешеләр менән дәғүә килеп сығыуы бар. Был арала үҙегеҙгә мөмкин тиклем күберәк ял бирергә тырышығыҙ. Буға (21.04 – 21.05) Көндәр бер аҙ икеле көтөлә. Ыңғай ва­ҡиғалар ҙа булыр. Йыш ҡына борсо­лорға, шикләнергә лә тура килер. Кеше йомош­тары менән дә булышырһығыҙ. Ҡайһы саҡ үҙ эшегеҙгә ваҡыт етмәүе лә ихтимал. Игеҙәктәр (22.05 – 21.06) Аҙна көсөргәнешле башланыр. Яҡын кешеләр араһында ла дәғүәләр килеп сығыуы ихтимал. Элекке эштәрегеҙ ҙә борсолоу тыуҙырыр. Шишәмбенән һуң тулыһынса көндәлек эштәргә сумырға тура килер. Бер юлы күңелегеҙ ҙә тынысланыр. Ҡыҫала (22.06 – 23.07) Мәл файҙалы аралашыуҙар өсөн уңайлы. Яңы таныштарығыҙ арҡаһында тормошоғоҙ бер аҙ йәнләнеп китер. Кеше араһында йыш булырһығыҙ һәм үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Арыҫлан (24.07 – 23.08) Ауыр һәм бер юлы өмөтлө осор. Төрлө ваҡиға күп булмаҡсы. Һәр саҡ артыҡ күп уйланмайынса эш итерһегеҙ, моғайын. Күптәргә бындай хәл оҡшамаҫ, ләкин алға табан барыу өсөн мөмкинлектәр ҙә сығып торор. Кесе йомала яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Был арала күпкә ынтылмағыҙ. Ҡар­шы­лыҡтар күбәйеп китеүе бар. Бәғзеләргә киләсәккә ҡорған маҡсаттарын үҙгәр­тергә лә тура килер, бәлки. Шишәмбелә бигүк ҙур булмаған юғалтыу кисерерһегеҙ. Йомала уйламаған ерҙән ярҙам килер. Үлсәү (24.09 – 23.10) Ауырлыҡтар күп булһа ла, улар һеҙҙе һис тә ҡурҡытмай. Ҡайһы бер һәләттәрегеҙҙе лә күрһәтә алырһығыҙ. Янығыҙҙағы кешеләр менән һүҙгә килешеүегеҙ ҙә бар, ләкин был ваҡытлыса ғына булыр. Кесе йомала етди һөйләшеү көтөгөҙ. Саян (24.10 – 22.11) Аҙна барышында кемдәндер дәғүә һүҙҙәре ишетеүегеҙ бар. Йондоҙҙар кеше хәбәрҙәренә иғтибар бирмәҫкә ҡуша. Ниндәйҙер күптән борсоп торған мәсьәләне ыңғай хәл итеү юлын таба алырһығыҙ һымаҡ. Яңы танышлыҡтар өмөтлө булырға оҡшай. Уҡсы (23.11 – 21.12) Үҙ уңышһыҙлығында башҡаларҙы ғәйепләргә өйрәнгәндәргә ауыр буласаҡ. Ундайҙар көсөн юҡҡа түгер. Был арала үҙ көстәренә ныҡлап ышанғандар ғына уңыштарға өлгәшә алыр. Кесе йомала эске тауышығыҙ дөрөҫ юл күрһәтер. Фото: Т.Аманов Яңылыҡ авторы: Өмөтбай https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/yondo-nam-13-19-inuar/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Үткән йома Мораптал мәҙәниәт йортонда “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивале уҙғарылды. Үткән йома Мораптал мәҙәниәт йортонда “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивале уҙғарылды. БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Көйөргәҙе районы хакимиәте тарафынан ойошторолған сара дүртенсе тапҡыр үткәрелде. Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Миәкә райондарынан, Күмертау, Салауат, Сибай ҡалаларынан йыйналған 300-гә яҡын һәләтле балалар үҙҙәрен фольклор, йыр, бейеү, сәсәндәр ярышында һынаны. Һәр бер сығышты мәртәбәле жюри ағзалары булған БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Асия Ғәйнуллина, Раяф Ғәйнетдинов, республика халыҡ ижады үҙәге филиалының белгесе Айгөл Ильясова баһаланы. Сараға етәкселәре балаларҙы ныҡлы әҙерләгәндәр ине: береһенән–береһе сағыуыраҡ фольклор сығыштары, береһенән-береһе оҫтараҡ йырсылар, шәп бейеүселәр сығыш яһаны. “Хореография” номинацияһында: Гран-при – “Гөрләүек” бейеү ансамбле, Күгәрсен районы; 1-се дәрәжә лауреаты – “Балҡыу”, Миәкә районы; 2-се дәрәжә лауреаты – “Йондоҙсоҡтар” бейеү ансамбле, етәксеһе Г. Хәйбуллина (Яҡшымбәт); Аделина Үтәгәнова, етәксеһе Й. Рамаҙанова (Таймаҫ ауылы); 3-сө дәрәжә лауреаты – Алина Кинжәлиева, етәксеһе В. Кинжәлива (Мораптал); Дипломант – Диана Ғәббәсова, етәксеһе Р. Әбйәлилова (Яҡут). “Вокал-соло” номинацияһында: 3-сө дәрәжәле диплом – Наилә Юлбаева, етәксеһе Д. Хәсәнова (Мораптал); Дипломант – Сафина Рәшитова, етәксеһе Й. Рамаҙанова (Көйөргәҙе районы). Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡы минималь күләмгә бәйле булғандар эш хаҡы артыуға иҫәп тота ала. Был хаҡта Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының "Кеше ресурстары менән идара итеү" кафедраһы доценты Людмила Иванова-Швецҡа һылтанма менән «Прайм» агентлығы хәбәр итә. Белгес билдәләүенсә, минималь хеҙмәт хаҡы кимәлендә эш хаҡы алған, йәки, ошо күрһәткестән сығып иҫәпләнгән осраҡта, дәүләт хеҙмәткәрҙәрен һәм айырым категория хеҙмәткәрҙәрен өҫтәмә көтә. РФ Хеҙмәт кодексының 134-се статьяһында, бөтә эш биреүселәр тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә ҡулланыу хаҡтары артҡан осраҡта түләүҙәрҙе индексацияларға тейеш. Коммерция структураларында эш хаҡы төрлөсә арттырыла. Индексациялау тураһында положение йышыраҡ урындағы норматив акттарға индерелә. Ойошмаларҙа түләүҙәр күләме, ҡағиҙә булараҡ, 1 ғинуарҙан түгел, ә март-апрель айҙарында арта, тип өҫтәне Иванова-Швец. Фото: kraski-net.ru https://shonkar.com 1 ғинуарҙан кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ? Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türkçe isiXhosa Íslenska Čeština Ελληνικά Башҡортса‎ Беларуская Мова Български Македонски Јазик Русский Српски Українська Мова Қазақша עִבְרִית اَلْعَرَبِيَّةُ اُردُو فارسی नेपाली मराठी मानक हिन्दी বাংলা ਪੰਜਾਬੀ ગુજરાતી தமிழ் తెలుగు ಕನ್ನಡ മലയാളം සිංහල ไทย ລາວ မြန်မာ ქართული ენა አማርኛ ភាសាខ្មែរ ᠮᠣᠩᠭᠣᠯ ᠬᠡᠯᠡ ᮘᮞ ᮞᮥᮔ᮪ᮓ 日本語 繁體中文 ꦧꦱꦗꦮ 한국어 Бер Нисә Инә. Уйын урындары һәм функцияларына берләшмәләре многопользовательский Басыгыз Һәм Уйнау Беҙҙә генә уйын булды, ул кросс-платформа, әҙер Уйын Өсөн Барыһына Порно Секс уйындар тулыһынса бушлай, башҡа демо-версияһын тыш, теркәү Эстән Уйын Бушлай Туранан-Тура Хәҙер Уйнай Секс Бушлай Уйнай-Уйнай Онлайн: Хәҙер Туранан-Тура Ҡушылдығы! Беҙҙең сайтҡа рәхим итегеҙ – берҙән-бер урыны, һеҙ унда ҡасан булһа кәрәк, ҡайһы бер өлкәндәр уйынды үҙ ҡулына алыу өсөн тәм әгәр һеҙ теләмәгән. Шул ниәттән беҙгә бында тора, әҙәпһеҙ геймер арауығы хәүефһеҙ тәьмин итеү өсөн, улар үҙ өлкәндәр майлы бармаҡтарын яҡшы материал алырға теләй, кеше билдәле. Иң ҡыҙыҡһындырған әйберҙәр менән ике башында ике егет: порно һәм видеоигры. Беҙ булған, был, моғайын, киләсәк заман, кем өсөн-йәғни был ике концепция берләштерергә һәм бергә алға барыу. Мин бында, ысынлап та, һеҙ был турала уйлап, ә һеҙ ышанаһығыҙмы-юҡмы, тип, мөмкин булған нәмә яҡшы, нәмәһе ҡарағанда был ике типтер?, Беҙҙең ҡараш һәм логика әгәр һеҙ күңелегеҙ теләгән иң яҡшы наслаждайся порноигровой, йәғни был осраҡта һеҙ нәҡ ошо һәм башҡа бик күп килтерергә мөмкин. Ысынлап та, беҙ ғорурланабыҙ нәмәгә өлгәшә бушлай беҙ был секс-онлайн уйындар, һәм теләгән ине, беҙ һеҙҙең өсөн ҡушыла, сөнки беҙ үҙебеҙ сәтләүек алыу өсөн күберәк геймер ысулдарын өйрәнеү өсөн материалдар, улар беҙҙә бар. Был план оҡшай, Кешеләре? Һиңә әҙер эште тотона, Бренд? Ә хәҙер туранан-тура үҙе аккаунт булдырылған, һәм беҙ был кисәһен башлайбыҙ! Бөтә был иш крк Иң ҙур проблема шунда: береһе йәшәр менән уйындар платформаһында, улар, ғәҙәттә, бер төрөн генә ҡарап порно, һәм, ғөмүмән әйткәндә, был-бик яҡшы нәмә түгел. Был проблемаларҙы хәл итергә көсө булған бер өлөшө, йәғни бушлай уйнарға секс-бөтә жанрҙарҙа онлайн тәҡдим итәм уйындар һеҙгә, улар һеҙгә теләргә генә ала. Беҙ, ысынлап та ни менән арбай, кеше мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү өсөн борт вкусности шул, ул беҙҙең менән, һәр саҡ беҙҙең өсөн яңы тема һәм жанр ҡулланыу мөмкинлеген эҙләне һәм был өҫтәмә була., Хәҙер беҙ шундай нәмә туранан-тура яҡтыртҡан, ҙур ағзаһы булараҡ, ҡаты канальный трах, БДСМ, стук межрасовый, кешеләрҙе тәрбиәләгән өсөн, камшот һәм башҡалар. Һеҙҙең байтаҡ алырға эсендә бөтә был – беҙҙең илдә иң яҡшы движок плюс генә бөтә, шулай булғас, һеҙ алыу материалдары әҙәм, ысынлап та, шаҡтай оҙаҡ әгәр бында ҡалһаң, аңлар өсөн, ни тиклем ҙур команда бында, һеҙгә инеп юғары кимәлдә уйын күрһәтә. Әгәр сездә бар, бер иш, һеҙ уларҙың күберәк булыуын теләйбеҙ платформа күреп, рәхим итеп, стесняйтесь түгел, беҙгә мөрәжәғәт итеү – беҙ һеҙ хатта аласыз исемлегенә һәм уны ҡарауға тәҡдим өҫтәп!, Телмәр һәм кеше өсөн булыуы мөмкин түгел тип тураһында ла уйнап, Бушлай секс-онлайн уйындар. Һине бәхетле итеү – һәм уятыу – беҙҙең берҙән-бер теләге был. Бөгөн үк инеү бушлай ала. Сөнки, әгәр мин әйтәм һезгә, - тип, өсөн, секс уйнар өсөн бушлай эләгә-онлайн уйындар, барлыҡ, һеҙҙең нимә эшләргә кәрәк була, был биреүсе электрон почта адресы, һәм пароль күберәк нәмә? Бик яҡшы яңғыраһын өсөн, дөрөҫ булмаҫ, әммә ысынбарлыҡта тап шундай эконом ваҡытта һәм эконом Play хәл Free Online Sex, ябай, сөнки беҙ шуға ышанабыҙ, тип бирелгән, йәғни, унда геймер өсөн мөһим, һеҙҙең өсөн, һәм күптәр, был уйын уйнарға мөмкинлек, хис итмәй, нимә етмәй һеҙгә. Күрҙегеҙ һеҙ, мошенниктар индустрияһы төп уйындар күп булды тип? Был ябай отстой!, Бушлай уйнарға секс-онлайн уйындар, йәғни ҡотолоу өсөн, беҙҙең менән ни булыр геймер, һәм беҙ быға ирештек, биреү, йәғни, беҙгә бушлай буласаҡ. Был күбеһенсә талап, һуңынан өсөн беҙ бирәбез һезгә иң яҡшы тәжрибәһе бар, һәм әгәр һеҙ риза түгел, тип алырғалыр, бәлки, һеҙ башҡа ваҡыт һәм урын барҙыр бында ябай йәки энергия сарыф итмәй, сөнки ла бармы? Был беҙҙең өсөн насар яңылыҡты, башлыса шуға күрә беҙ һеҙгә бирергә мәжбүр булһа, һеҙ телисез, һеҙ көлөр өсөн түгел, беҙгә ҡалдырҙылар. Беҙ-командаһы дәртле, һәм, былар барыһы ла бушлай бирһәләр, беҙ һеҙгә ышанабыҙ күрһәтте, был арауыҡта беҙ етди бизнес төрө бар. Өлкән синыф уҡыусылары өсөн донъя графигы Ҡотон алыу туры бында ни, Sex эконом ваҡытта һәм эконом на Play Free Online, һәм һеҙ күрергә, тип, беҙ абсолют графигы безумная – тип, ғәҙәттә, күпселек кеше тип һанарға мөмкин түгел, эш ҡасан етә тыш, беҙ барғанда, алдына ҡуйған был һеҙҙең өсөн! Улай ғына ла түгел, беҙҙең өсөн системаның эшләп менән теләһә ниндәй графика тиерлек, сөнки беҙ шулай ул оптимизирован, ул машинаһының өсөн артығын нисек булыуы мөмкин тиклем яҡшы күренмәгән башҡа күп төрлө, көршәк подмешать була. Адаптив технология булып беҙҙә, башлыса, тип хәбәр тыш, һеҙгә ҡарап, был төр – топ-иң ғәҙел эштәр күберәк була алмай, тип, тоғро?, Был заманса техника мөғжизә, һәм беҙ ғорурланабыҙ ҙа, өлкәндәр араһында беренсе кеше булыр тип, һеҙгә тәҡдим итә ала, йәғни ул, ысынлап та, һеҙгә теләйем: яҡшы порно инергә һәм, бынан тыш, компьютерҙа уйнау, уның мөмкинлектәре теләһә, улары һеҙҙең ихтыярҙа. Был беҙгә етә, сөнки беҙҙең уйын браузер аша эшләп бөтә, шулай булғас, һеҙ әлегә Firefox, йәки Safari Chrome, һеҙ ябай алтыны! Тик тағы бер ысулы, улар банда, буш тороу өсөн секс уйын-уйын Онлайн, һеҙ булғанға йылы тота. Уйын уйын буйынса һығымта бушлай онлайн секс Мин уйлайым, был нимә үҙ эсенә бөтә нигеҙе булырға тейеш, тине беҙҙе был тема буйынса кәрәк мәғлүмәтте базаһы – шуның өсөн ҙур рәхмәт, - тип бөгөн килдем, һәм, зинһар өсөн, исегездә тотоғоз, һәр тапҡыр, ҡасан ҙурайып яҡшы материал өсөн һеҙ кәрәк, һеҙҙең командаға бер ҡасан да артыҡ булыуы арҡаһында уның нисә секунд free online sex эконом ваҡытта һәм эконом play ҡушыла. Беҙ беркасан ла туҡтап надрываться, һеҙҙең өсөн бушлай килтереп секс – уйын, һеҙгә уйнай алмайым – барыһы онлайн-тип загрузки башҡа бөтәбеҙ ҙә үҙ на компьютер., Беҙ иҫ киткес интернет быуатта йәшәгән, һәм беҙҙең команда күрһәтергә теләпме, аласаҡ һеҙ ниндәй ҡиммәттәр масс килтереп, тырышлыҡ күр. Был инде беҙҙең команданың күптән шөғөлләнә, шуға күрә был тикшереү һәм айлыҡ, тип тәҡдим итә ала порноигр онлайн ғәжәйеп донъя. Фап-тарҙың һәм бәхетле донъя, дуҫтар.
Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Яңы Монасип ауылын ситтән килгәндәр "Соҡор эсендә ултырған кеүек", — тип әйтәләр, сөнки ауылды тирә-яҡтан матур текә тауҙар уратып алған. Көньяҡтан Иҫке Монасип ауылының Кепес тип аталған яғынан башланып, үргә ҡарай бейегәйә барған тау һыртын Һиңгергиҙә тип атайҙар. Ағиҙел йылғаһының һыуҙары ошо тауға килеп һуғылып, көнсығышҡа ҡарай ҡырҡа ғына боролош яһаған урында, Иҙелдән бер-бер артлы бейегәйә барыу тәртибендә өҫкә ҡарай туғыҙ осло ғына ҡая теҙелеп китә. Тап ошо ҡаяларҙа үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән кәкүк ҡатаһы (Венерин башмачок) сәскәһе үҫә торғайны. Ошо ҡаяларҙан һуң текә Ҡоръятмаҫ тигән ер килә. Атама "Ҡоро ятмаҫ" һүҙенән алынған, ҡояш нурҙары төшмәгән был текә генә тау бите йәй көндәре лә дымлы, еүеш була. Боронғолар " Ҡоръятмаҫта ҡар иреп бөтмәйенсә, урман ҡары бөтмәҫ", - тип әйтә торғайнылар. Артабан Һабансы тауы. Әүәле ошо тау башында ятҡан Суҡтал (был яланда тал ағастары күп булған), Ҡаҡсыр ( ҡаҡсыр-тары көлтәһен һөйәп ҡуйып киптерә торған ағастан эшләнгән ҡулайлама) тигән яландарҙа тары сәскәндәр. Тау башына менгән юлы ныҡ текә генә. Һабансынан юл ашаһына төнъяҡта ғорур Ослотау тора. Тауҙың башы ослайып торғанға әйтелгән. Унан - мөһабәт Ҡаратау, тауҙың ташлы итәге ауылға ҡарайып күренә. Әйткәндәй, бындай исемле тауҙар Башҡортостанда байтаҡ ҡына. Ҡара төҫ башҡорттарҙың яратҡан төҫө булған. Әүәле Ҡаратау итәгенән ҡыялатып, Күс юлы тип аталған юл үткән. Ошо юлдан йәйләүгә күскәндәр. Ауылға төшкән юл ашаһына - гүзәл Сусаҡтау. "Сусаҡ" һүҙе осло түбәле тау, йәки нимәнендер ослайып торған урыны мәғәнәһендә. Сусаҡтау Ағиҙелдең текә генә Ҡыҙылъяр тип аталған ярына килеп тоташа. Был ярҙың балсығы ҡыҙыл төҫтә. Сусаҡтау менән Ҡаратау араһындағы уйҙан әүәле йылға ла аҡҡан, матур әрәмәһе булған. Был уйҙы Кейәүҙәр уйы йәки Кейәүҙәр үҙәге тигәндәр. Яңы Монасип ауылынан Ағиҙел йылғаһы буйлап ике километр үрҙә Нәби ауылы урынлашҡан. (Әйткәндәй, ауылдарҙы ике исем менән атау бар беҙҙә, Нәби-Ҡуян, Яңы Монасип-Мишәр, Иҫке Монасип-Һарт) Ике ауыл араһын Айыуҙы исемле тау һәм ошо уҡ исемле Ағиҙелгә ҡойоусы һалҡын һыулы йылға бүлеп тора. Ололар был урындың исемен әүәле бында айыу йәшәүе менән аңлата инеләр. Ысынлап та, йылға буйындағы тауҙарҙы ҡуйы урман ҡаплаған, емеш-еләккә лә бай был урын. Айыуҙы тауының Нәби ауылына ҡарап ятҡан яғын, мал моронона оҡшап торғанлыҡтан, Моронташ тип әйткәндәр. Әүәле ололар, Айыуҙы буйында Сылтырбикә йәшәй, тип балаларҙы ҡурҡыта торғайнылар, йәғни ен-пәрей инде. Сылтырбикә төрлө ҡиәфәткә инеп, бигерәк тә төндә күренә, тип тә ебәрәләр ине. Булғанмы ул Сылтырбикә, юҡмы, әммә кис-ҡырын Айыуҙы тауын һәм йылғаһын үтеп киткәнсе күңелгә әллә ниндәй шомло уйҙар килә, бигерәк тә яңғыҙ булһаң. Тау аҫтынан (өс ҡотоҡтан) сығып ятҡан Айыуҙы йылғаһы әллә ней оҙон түгел, ҡотоҡтары эргәһендә Һыуыҡ ҡолаҡ йылғаһы килеп ҡушылып, йырлай-йырлай Ағиҙелгә килеп ҡоя. Һыуы һалҡын, таҙа. Элегерәк бәрҙе балығы ла була торғайны. Тарихҡа бай был матур урын. Белеүебеҙсә, үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем ауыл ҡатындары кейер кейемлек, түшәк-юрғанлыҡ туҡыма-киндерҙе өй шарттарында етештергәндәр. Ошо таҙа һалҡын һыулы йылғала ике ауыл ҡатындары киптерелгән киндер үҫентеһен сереткән. Һуғышҡа тиклем йылғаны быуып, тирмән ултырталар. 1943 йылда тирмәнсе бабай, тирмән ҡуласаһына ҡыҫылып үлеп ҡалғас, тирмәнде эшләтергә кеше булмай. Һуғыш бөтөп, ун йыл үткәс кенә, эргәләге Аралбай, Яңы һәм Иҫке Монасип, Нәби ауылдары халҡы, үҙҙәренә оҙаҡ ҡына йылдар хеҙмәт иткән, яңы тирмән төҙөп ултырталар. Был тирмәндең быуа урыны әле лә беленеп ята. 1961 йылдан башлап 2002 йылға тиклем Айыуҙыла "Ҡыҙыл таң" колхозының һабантуй байрамдары үтте. Байрамдың тантаналы өлөшө, спорт ярыштары үткән, әллә ни ҙур булмаһа ла, дүрт ауыл халҡын ихлас һыйҙырған, яланды хәҙер Һабантуй яланы тиҙәр. Хәҙерге көндә лә был ялан ике ауыл кешеләренең, мәктәптәрҙең төрлө спорт, ғаилә, шәжәрә байрамдары үткәреү урыны булып тора. Ауыл тирәһендә кеше исемдәре менән бәйле топонимик атамалар ҙа байтаҡ. Уларҙың күбеһе эшкә йәки ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле килеп сыҡҡан. Бындай ер- һыу атамаларының хәҙерге заманда барлыҡҡа килгәндәре лә байтаҡ. Ошондай юл менән Этаяҡ, Карашай, Аҙау, Сәлиха сабыны, Йәмилә түбәһе тигән яландарҙың (сабынлыҡтар) исеме яһалған. Этаяҡ Ауылдан 3 км алыҫлыҡта ятҡан ялан. Этаяҡ атамаһының килеп сығышын Баймурзин Ильяс Рәис улынан (1961 йылғы) ишеткәйнем. Ҡасандыр бында Аралбай ауылында йәшәүсе Этаяҡ исемле олаталарының ере булған. Этаяҡтың улы Этҡабыҙ, уның улы Абыз - Абдрахман - Әмирхан — Батырхан - Шаһихан - Зекрейә - Фәхерхаят - Ильяс. 1966 йылға тиклем бында колхоздың фермаһы булды. Ауырыу сығып, ферманы Нөгөшкә күсерҙеләр. Этаяҡтан бирерәк ерҙә Сусҡа Этаяғы тип аталған ялан бар, үткән быуаттың 60-сы йылдарына тиклем бында сусҡасылыҡ фермаһы булған. Һалҡын һыулы ҡотоғо бар. Ишбулды баҙы Был яланда әүәле Ишбулды исемле кеше баҙ эшләп, дегет ҡайнатҡан. Дегетте Әүжән һәм Темәс яҡтарына алып барып һатҡан. Рәмзи юлы Оло юлдан Иҫке Монасип ауылының Кепес яғына төшкән юлы. Үткән быуаттың 60-сы йылдарынан алып 90-сы йылдарға тиклем Кепестән Яны Монасипҡа Рәмзи тигән ағай йөрөп эшләне. Кепестән беҙҙең ауылға килеү өсөн, Ағиҙелде ике тапҡыр аша сығыр кәрәк. Яҙ һәм көҙ көндәре был эш бик ҙур ғына мәшәҡәт өҫтәй ине кешеләргә. Кепестән Иҙел аша сыҡмай, Һиңгергиҙә тауы буйлап килеп булған, әммә юлы бик алама булып, Рәмзи ағай ошо юлды ипкә килтерә. Сәмәрә әбей үҙәге Сәмәрә исемле апай, бынан турараҡ тип, бесәнлегенә гел генә урман эсенән үткән ошо исемһеҙ үҙәк аша йөрөр булған. Риф күле Оло юлдан ауылға төшкән юл буйында бер соҡорло урынға ямғыр һыуы йыйыла ине. Ямғырлы йылдар булғандыр, был һыу ятҡылығы ҙурайып, хатта тирәһен ҡамыштар баҫты. Риф исемле егет матай һатып алған. Матайҙы һәйбәтләп "йыуғандар" дуҫы менән. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән, баяғы һыулы соҡорға барып сумалар былар. Матайҙы саҡ һөрәп сығаралар. Тап шул мәлдә уларҙы ауылдан берәү күреп ҡала. Шулай барлыҡҡа килгән Риф күле атамаһы. "Ер- һыу атамаларында тарих сағыла", - тип бушҡа әйтмәгәндәр, ниндәй генә тау-ҡаяны, ялан-туғайҙы, йылға-күлдәрҙе алып ҡарама, унда тере тарих эҙҙәре һаҡлана. Бөгөнгө яҙмам илебеҙ менән ҡуша үткән халҡым тарихына һәм ошо ваҡиғаларҙың топонимикала сағылышына бәйле. Мәсем тауы, Ҡурыуҙы тауы, Бейгилде яланы. Бик бороңғо ваҡыттарҙа хәҙерге Бөрйән районы территорияһында, көслө Мәсем хан власы аҫтында, бөрйән һәм ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән. Бөрйән бейе Ҡарағөлөмбәт исемле булып, уның халҡы Ағиҙел йылғаһының түбәнге яғында, ә Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы Бабсаҡ бей ҡулы аҫтында Урал яҡтарын биләгән. Бер ваҡыт Мәсем хандың малдарын ниндәйҙер йыртҡыс ҡыра башлаған. Хан батырҙарын йыя, кем дә кем ошо януарҙы тотоп үлтерә, ҡыҙын һәм ярты ханлығын бирергә вәғәҙә бирә. Бабсаҡ батыр был януарҙы табып, уҡтан атып үлтерә, ҡолағын ҡырҡып ала. Үлеп ятҡан арыҫлан эргәһенә күпмелер ваҡыттан Ҡарағөләмбәт тә килеп сығып, уға уғынан ата, үлтерҙем, тип уйлай. Батырҙар хан алдында яуыз януарҙы юҡ итеүҙәре тураһында әйтәләр. Бабсаҡ батыр януарҙың ҡырҡып алған ҡолағын күрһәтеп, бәхәскә сик ҡуйып, еңеүсе булып сыға. Ҡарағөләмбәт был хәл менән һис килешмәй, Бабсаҡ менән Мәсем хан ҡыҙы Йәмиләнең туйы ваҡытында Бабсаҡты атып үлтерә, Йәмиләгә өйләнә. Күпмелер ваҡыттан Йәмиләнең улы тыуа, Күҫәк тип исем ҡушалар балаға. Күҫәк 14 йәшенә көслө егет булып үҫеп етә. Атаһының Ҡарағөләмбәт түгел, ә Бабсаҡ икәнлеген, уның нисек аҫтыртын үлтерелеүен белеп ҡалған Күҫәк, атаһы өсөн үс алырға була. Ҡыпсаҡ яғына килеп, ғәскәр йыя, Ҡарағөлөмбәтте ҡулға ала. Ҡара һыйырға артына ҡарай атландырып, үгәй атаһын Ҡыпсаҡ яғына алып китә. Ошо ваҡиғаларға бәйле район ерендә Мәсем тауы (1040 м бейеклегендәге) - районда иң бейек тау. Мәсем ташы, Ҡыҙҙар, Ҡоҙғон, Ыласын таш исемле ҡаялары бар), Шыҡманай яланы (Ҡарағөлөмбәт тарафынан үлтерелгән Бабсаҡ батырҙың оло улы) Ҡараһыйыр юлы, Ҡара һыйыр кисеүе, Ҡурыуҙы тауы (Байназар ауылындағы тауҙа Күҫәк батыр Ҡарағөлөмбәтте ҡаҙанда ҡурған) бар. Беҙҙең Яңы Монасип ауылынан 8 км алыҫлыҡта Оло юл буйында Бейгилде яланы бар. Күҫәк батыр Ҡарағөләмбәтте, Ҡара һыйырға атландырып, Ҡыпсаҡ яғына алып китеп барғанда, ошо яланда өс көнгә ялға туҡтайҙар. Тәрән генә соҡор ҡаҙып, Ҡарағөләмбәтте шунда төшөрөп ултырталар. Өс көн байтаҡ ҡына ваҡыт, бахыр әсиргә тышҡа сығырға тура килә.Ҡарағөләмбәт еҫенә түҙмәй, ярауын соҡорҙан алып һелтәй. Быны белеп ҡалған Күҫәк бей "Еремде бысратма,- тип, үгәй атаһына, оло ярауын, Бөрйән ере яғына ҡарай сорғоттора (сорғотоу- алыҫҡа ташлау) . Ошо ваҡиғанан һуң был яланды Бейгилде яланы, ә йылғаһын Буҡсорға йылғаһы тип атай башлағандар. Был ике топонимик атама һуңғы ваҡыттарҙа үҙгәреп бара. Бейгилде яланында оҙаҡ йылдар колхоздың ҡымыҙ етештереү фермаһы булды, шуға яланды Ҡымыҙный тип әйтә башланылар, шулай уңайлы бит инде, юлдан кеше күп йөрөй, ҡымыҙ һатып ала, Ә бына йылға исемен яңғырашы ҡолаҡҡа насарыраҡ булғанлыҡтан , Уҡсорғаға әйләнгән.Хатта карталарҙа шулай тип билдәләйҙәр.Уҡты белеүегеҙсә, сорғап булмай, атып йә ергә ташлап ҡына була.Ошо ике тарихи атама исемдәрен дөрөҫ ҡулланыу -бурысыбыҙ , тип гел аңлатыу эшен алып барам. 1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙвп алдым. Тарихи атамалар Ауылдан 7 км алыҫлыҡта Оло юл буйында ҙур ғына яланды Аралбай яланы тиҙәр.Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем бында ошондай исемле ауыл булды. Перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп, ауыл бөтөрөлдө. Аралбайҙарҙың байтағы Яңы Монасипҡа, байтағы район үҙәгенә һәм башҡа яҡтарға күсенде. Ике быуаттан ашыу данлы һәм шанлы тарихы булған ауыл, бер-нисә йыл эсендә юҡҡа сыҡты. Боһондо йылғаһы буйында Тимерҙәр нигеҙ һала ауылға, тәүҙә утар ғына була, унан яйлап халыҡ күбәйә. 1834 йылда зауряд есаул Аралбай Мөхәмәтов исеме менән ауыл статусын ала. Идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы мәлендә Аралбай 11 йорт (команда) һаналып, уға Яңы һәм Иҫке Монасип, Байғаҙы, Бикташ, Исламбай, Тимер ауылдары ҡараған.Ун һинеҙ йәше тулған ир -егеттәр хәрбиҙәр рәтенә күсерелеп, Урал йылғаһы буйлап, Рәсәйҙең Ҡаҙағстан менән сиген һаҡлағандар, Рәсәй алып барған һуғыштарҙа ҡатнашҡандар. Хеҙмәт башҡорттарҙың үҫ иҫәбенә барған. Граждандар һуғышы осоронда Аралбайға Нөгөш йылғаһы буйынан, Нөгөш ауылы кешеләре кешеләре күсенә, ауыл ҙурайыуға бара. Әммә йот йылында халыҡ ныҡ ҡырыла. Ас кешеләрҙең мәрхүм булғандарҙы ерләргә лә хәлдәренән килмәй. Ғаиләһе менән үлеп ҡалған берәүҙең өйөнә, соланына мәйеттәрҙе һалып баралар. Яҙ еткәс кенә, зыяратҡа ла алып барып еткерә алмай, Боһондо йылғаһын аша сығарып, юлдан саҡ ҡына түбәндә, дөйөм бер ҡәбергә ерләп ҡуялар. "Йот йылында үлгәндәр ҡәбере" тип атағандар һуңынан был ерҙе. Ғәлийән үҙәге тигән үҙәктә, Совет власына ҡаршы сығып, кешеләрҙе талап йөрөүсе банда башлығын юҡ иткәндәр. 1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙып алдым Тарихи атамалар Ауылдан 7 км алыҫлыҡта Оло юл буйында ҙур ғына яланды Аралбай яланы тиҙәр.Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем бында ошондай исемле ауыл булды. Перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп, ауыл бөтөрөлдө. Аралбайҙарҙың байтағы Яңы Монасипҡа, байтағы район үҙәгенә һәм башҡа яҡтарға күсенде. Ике быуаттан ашыу данлы һәм шанлы тарихы булған ауыл, бер-нисә йыл эсендә юҡҡа сыҡты. Боһондо йылғаһы буйында/ Тимерҙәр нигеҙ һала ауылға, тәүҙә утар ғына була, унан яйлап халыҡ күбәйә. 1834 йылда зауряд есаул Аралбай Мөхәмәтов исеме менән ауыл статусын ала. Идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы мәлендә Аралбай 11 йорт (команда) һаналып, уға Яңы һәм Иҫке Монасип, Байғаҙы, Бикташ, Исламбай, Тимер ауылдары ҡараған.Ун һинеҙ йәше тулған ир -егеттәр хәрбиҙәр рәтенә күсерелеп, Урал йылғаһы буйлап, Рәсәйҙең Ҡаҙағстан менән сиген һаҡлағандар, Рәсәй алып барған һуғыштарҙа ҡатнашҡандар. Хеҙмәт башҡорттарҙың үҫ иҫәбенә барған. Граждандар һуғышы осоронда Аралбайға Нөгөш йылғаһы буйынан, Нөгөш ауылы кешеләре кешеләре күсенә, ауыл ҙурайыуға бара. Әммә йот йылында халыҡ ныҡ ҡырыла. Ас кешеләрҙең мәрхүм булғандарҙы ерләргә лә хәлдәренән килмәй. Ғаиләһе менән үлеп ҡалған берәүҙең өйөнә, соланына мәйеттәрҙе һалып баралар. Яҙ еткәс кенә, зыяратҡа ла алып барып еткерә алмай, Боһондо йылғаһын аша сығарып, юлдан саҡ ҡына түбәндә, дөйөм бер ҡәбергә ерләп ҡуялар. "Йот йылында үлгәндәр ҡәбере" тип атағандар һуңынан был ерҙе. Ғәлийән үҙәге тигән үҙәктә, Совет власына ҡаршы сығып, кешеләрҙе талап йөрөүсе банда башлығын юҡ иткәндәр. 1923 йылғы Әмирханова Өмөгөлсөм Мостафа ҡыҙынан яҙып алдым. Граждандар һуғышы осоронда булған ҡанлы фажиғә эҙемтәһе был ерҙең атамаһы. Аралбай тураһындағы яҙмамда Совет власын ҡабул итмәгәндәрҙең , Иҫке Мөсәт ауылы кешеһе Ғәлийән исемле кешенең отрядына ойошоп, советтарға ҡаршы һуғыш башлап, ауылдарҙы талап, кешеләрҙе үлтереүҙәре, Ғәлийән отрядына ҡаршы һуғышыу өсөн Әүжәндән ҡыҙылдар килеп, Аралбайҙа Ғәлийәндең атып үлтерелеүен яҙғайным. Ғәлийән отрядының ҡалдығы Юрматы яғына ҡаса. Баймаҡтан башҡорт ғәскәрҙәре ярҙамы менән тағы был яҡтарға килеп Әүжән ҡыҙылармеецтары менән Ҡурғашлы йылғаһы тамағындағы Имес туғайында тағы һуғыш була. Ошо һуғышта байтаҡ ҡына ҡыҙылармеецтар ҡулға алына. Йәғәфәров Ниғәмәт апаның яҙыуы буйынса 80 -ләгән кеше. Ундай кешене ҡулға төшөргәстәр, отряд көслө булғандыр тип фаразларға ҡала. йылғаһы тамағындағы Имес туғайында тағы һуғыш була. Ошо һуғышта байтаҡ ҡына ҡыҙылармеецтар ҡулға алына. Йәғәфәров Ниғәмәт апаның яҙыуы буйынса 80 -ләгән кеше. Ундай кешене ҡулға төшөргәстәр, отряд көслө булғандыр тип фаразларға ҡала. Әсирҙәрҙе Яңы Монасип ауылына алып киләләр. Ауыл ҡарттарын йыйып, уларҙың алдында һалдаттарҙы мәсхәрәләйҙәр, туҡмайҙар, итектәрен , өҫ кейемдәрен систереп алалар. Был хәл- ваҡиғалар 1919 й декабрь айында булған. Ауыл ҡарттары һалдаттарҙы ныҡ яҡлашҡас, уларҙың үҙҙәрен дә ҡамсы менән һуҡтыралар, нишләп улар һеҙгә ҡәҙерле, беҙ дошманмы, тип . Хатта ҡулдарын бәйләп атырға булғандар. Кешеләр ныҡ илашҡас ҡына, уларҙы ебәргәндәр. Икенсе көнө әсирҙәрҙе Тимер яғына алып китеп, Мәйгәште йылғаһы буйында бер тауҙа атҡандар. Шул урынды Үлектәр арҡаһы тигәндәр. Арҡа тип топономика телендә тау һыртына әйтәләр. Урындағы халыҡтың эшмәкәрлегенә, кәсептәренә бәйле атамалар Әүәле замандарҙа башҡорттарҙың күпселеге натураль хужалыҡ менән йәшәгән. Беҙҙең яҡтарҙа ашлыҡтан күберәк тары, һоло, арыш сәскәндәр. Малдарҙан йылҡы, һарыҡ, һыйыр тотҡандар. Ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ (ҡырағай ҡорттар үрсетеү) - Бөрйән шарттарында киң таралған шөғөл булған. Һунарсылыҡты, балыҡсылыҡты әйтеп тораһы ла түгел, Һәм әлбиттә халыҡтың кәсептәре, эшмәкәрлеге ер - һыу атамаларында сағылыш тапмай ҡалмаған. Ауылдан Оло юлға сығып барғанда, һулаҡай яҡта Аштыҡ уяһы, Ҡаҙна уяһы тигән ерҙәрҙә, Ҡаратау башында Ҡаҡсыр яланында (ҡаҡсыр- көлтәне һөйәп ҡуйып киптерә торған ағастан эшләнелгән ҡоролма) тары сәскәндәр. Нөгөш яғында ла Игендек тип аталған ялан бар.Оло юл буйында ятҡан ҙур ғына ялан - Ҡарағайсабын, Ҡаҡсыр эргәһендәге Салиха әбей сабыны- бесән эшләүҙең киң таралыуын аңлата. Аштыҡ уяһынан алыҫ түгел, Андыҙ яланына сыҡҡан ерҙә Ишбулды баҙы тигән бәләкәй генә яланда Ишбулды олатай дегет ҡайнатҡан. Темәс баҙарына алып барып һаты, көн күргән. Ошо урындан алыҫ түгел Янған ҡыуыш тигән ерҙә иген урыусылар ҡыуыш ҡороп, йәшәгән. Игенде һаҡлау өсөн, ырҙын да төҙөгәндәр. Этаяҡ юлындағыюСусҡа Этаяғында һуғыш осоронда һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа сусҡа аҫырағандар. Аралбайҙы үткәс, Бейгилде яланына ҡаршы Ҡыусолоҡ яланы, ауыл яғындараҡ Ауғансолоҡ тигән ерҙәр - солоҡсолоҡтоң киң таралған булыуына бәйле. Ә һунарсылыҡ шөғөлөнә дәлил булып, Нөгөш яғындағы Айыуатҡан яланы тора. Айыуҙы йылғаһындағы Тирмән быуаһы - бында ҡасандыр тирмән булыуын һөйләй. Ауыл кешеләре, хатта балалвр ҙа кеме тоҡ менән йөкләп, . Кеме биҙрә менән, тирмәнгә он тарттырырға йөрөгәндәр. 1915 йылғы ҡәйнәм Сәғитова Ғәйниямал Ишбулды ҡыҙынан яҙып алғайным. Географик , тәбиғәт күренештәре үҙенсәлетәре, рельефҡа ҡарап бирелгән атамалар. Бындай төргә ҡараған байтаҡ атамаларҙы алда яҙғайным. Ауылдың көньяғындағы һуҙылып киткән тау һырты- Һиңгергиҙә , ослайып таштары сығып торған Сусаҡтау, башы ослайып барып бөткән Ослтотау, йәй көнө лә дымлы ер -Ҡоръятмаҫ, Иҙел ашаһына ауылға ҡарап торған матур Ҡаршыҡая. Ҡаратау башында Суҡтал ялансығы бар, "Суҡ" һүҙе ҡуйы, бөҙрә мәғәнәһендә. Беҙ бала саҡта бында ҡарт тал ағастары күп үҫә ине. Күк бесән. Тимер ауылына барған юл буйында ятҡан ялан, Этаҡ менән сиктәш. "Күк" һүҙе менән яҙын яңы ғына ҡалҡҡан үләнде әйткәндәр әүәле. Күкбесәндән аҫҡараҡ төшһәң Еләктетүбә тигән сабынлыҡ. Нөгөш яғына барған Ауылдан 4- 5км алыҫлыҡта, Оло юл буйлап Иһәнәй, Андыҙ, Ҡарағай сабын яландары ята. Иһәнәйҙең исемен асыҡлай алманым. Андыҙ яланында әүәле андыҙ ( дарыу үләне) күп үҫкән. Ҡарағайсабындың исеме үҙе үк әйтеп тора. Нөгөш яғында Суҡраҡты яланы бар. Батҡаҡ ергә йә батҡаҡ ер тапалып, киҫәк- киҫәк булып ҡатҡан тупраҡты шулай әйтәләр. Йыландуй Топонимикала "Уй" тип һуҙылып киткән түбән, уйһыу ергә , "Уя" тип ике тау араһындағы соҡор, үҙәк урынды әйтәләр. Был уйһыу урында матур ғына һаҙматлы әрәмәлек тә бар, Әүәле йылғаһы булған. Хәҙер мал тапандыһы ер, йылға ҡороно. Йылан күп булған һаҙматлы әрәмәлә. Йыландуйҙың өҫкө яғында Энәлектә энәлек (боярышник) үҫә. Энәлектән юл ашаһына ҡарағайлыҡ урманы, үргә ҡарай киткәнлектән, Үртән буйы тиҙәр. Йыландуйҙан өҫтәрәк, Кепескә төшкән юлдан алыҫ түгел, һулаҡайҙа Андыҙ яғында, Ҡаҙна уяһы, Ашлыҡ уяһы тигән ерҙәр бар ( тары сәскәндәр). Унан юл аша уң яҡта урман эсендә түңәрәк кенә Туҡалбаш яланы. Үҙәгенән уң яҡҡа аҫҡа төшһәң , Һыуыҡҡолаҡҡа килеп сығаһың ."Ҡолаҡ" тип сабынлыҡтың урман эсенә инеп торған өлөшөнә әйткәндәр. Бында ошондай уҡ исемле һалҡын һыулы йылғаһы ла бар. Ул бер саҡрымдай ер үтеп, Айыуҙы йылғаһына барып ҡушыла. Был йылға буйы ҡуйы әрәмә. Ҡыҙҙарҙы айыу ашаған ер Эйе, ошондай исемле ер ҙә бар беҙҙә. Оло юлға сыҡҡанда, һулға Кепескә киткән юл менән уңға Туҡалбашҡа боролған юл араһында. Был атаманың килеп сығыуы 1950 йылдың көҙөндәге фажиғәле ваҡиғаларға бәйле. Беҙҙең яҡтарға ниндәйҙер ҡоторған айыу килеп сыға һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер- нисә кешенен башына етә. Һарағы менән Һарғая ауылдары араһындағы Бертыш тигән яланда төрлө ауылдарҙан йыйылған сайырсылар ялға туҡтай. Фажиғәле ваҡиға яландың үрге ситендә, урман ҡырында булған.Бер төркөм ҡыҙҙар ял итергә ултырғандар. Ҡапыл айыу килеп сыға. Янһары ауылы ҡыҙы (исеме Өммөхаятмы, Өмөкамалмы онотҡанмын) ҡурҡып, тороп, ҡаса башлай һәм айыу уны баҫтырып, тотоп ала. Кешеләр күмәкләшеп һөрәнләшеп, ут яҡтыртып, килеп етһәләр ҙә, ҡыҙҙы ҡотҡара алмағандар. Нәби ауылынан Ҡалынҡарағай тигән ерҙә һарыҡ көтөп йөрөгән Ғылмияза тигән ҡатын һәм уның 12 йәшлек улы Булат эргәһенә килеп сыға. Айыуҙы күреп ҡалған әсә, балаһын эргәләге ҡайын ағасына башына менергә ҡушып, үҙе ҡуйы ғына тал ағасына үрмәләй. Бала, аяғы тайыпмы, ағастың ботаҡтары әҙ буламы, менеп өлгөрмәй. Үлемесле яраларҙан Булат терелә алмай. Колхоздың Һаҫыҡ тигән ерҙә һарыҡ фермаһы булған. Һарт ауылынан өс ҡыҙ һарыҡ көтөп ятҡандар. Бер көн таң менән ике ҡыҙ, Маһинур тигәненә әйтмәй генә, 20 км ҙай ерҙән, ауылға ҡайтырға сығалар. Күпмелер ваҡыттан ипптәштәренең юҡлығын белеп ҡалғас, ул да , ҡыҙҙарҙың артынан ҡайтырға сыға. Баяғы урынға килеп еткәс, шашҡан айыуҙың ҡыҙҙарҙы туҡмап- талап йөрөүенә тап була ул . Айыу уны күрмәй, бәхетенә. Йүгереп, ауылға ҡайтып, кешеләргә әйтә. Кем һыбай, кем арба менән ирҙәр фажиғә урынына саба . Кешеләр килгәндә, айыу киткән була. Ныҡ ҡына туҡмалып, әхәздәнгән ҡыҙҙарҙы ҡотҡара алмайҙар. Айыуҙы һунарсылар атып, ҡырҙан һалдаттар саҡыртҡандар тип тә әйтә торғандар ине. ( Информаторҙар Сәғитова Ғ.И.,( 1915-1996) Һарағы ауылынан Фәйзуллин Мөнир, 1956 йылғы Насима Сагитова яҙып алды Сығанағы — «https://ba.wikibooks.org/w/index.php?title=Бөрйән_районы_Яңы_Монасип_ауылы_тирәһендәге_ер-һыу_атамалары.&oldid=23803» Категориялар: Бөрйән районы Яңы Монасип ауылы Бөрйән районы топонимикаһы Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу башҡортса Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Төп йүнәлештәр Баш бит Берләшмә Ағымдағы ваҡиғалар Һуңғы үҙгәртеүҙәр Осраҡлы мәҡәлә Белешмә Ярҙам итеү Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Биттән өҙөмтә яһарға Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа телдәрҙә Һылтанмалар өҫтәү Был бит һуңғы тапҡыр 08:49 4 декабрь 2020 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution-ShareAlike License рөхсәтнамәһе буйынса рөхсәт ителгән; айырым осраҡта өҫтәмә шарттар ҡулланылыуы мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, Ҡулланыу шарттарын ҡарағыҙ.
Ҡарағайлы үҙәк ауылы(хәҙер Сосновка) 1885 йылда түңгәүер ырыуының Юлдыбай ауылынан сыҡҡан кешеләр тарафынан нигеҙләнгән. ЭргәһендәҠарағайлы йылғаһы ағып ята. Ул йылға Үртәзем йылғаһына ҡоя. Үртәзем йылғаһы үҙ сиратында Яйыҡҡа барып ҡушыла. Ул йылғаны бындаУрал тип атайҙар. Ҡарағайлы ауылы эргәһендә Үтәташ тип аталған мәмерйә, Елбаш тауы бар. Үҙенең һыуҙарын Яйыҡҡа ҡойоусы Үртәзем йылғаһы буйындағы мәрмәрле тауҙар, иҫәпһеҙ- хисапһыҙ мәмерйәләр боронғолоҡто һаҡлай. Тау баштарындағы таштарҙың миллион йылдар элек ҡайнап торған масса булғанлығы әле лә аңлашылып тора, иреп торған таш ҡатып ҡалған, тауҙарҙың хатта һынған урындары ла беленеп тора. Разлом була инде. Беҙҙең Торатау һәм башҡа шихандар кеүек мәрмәр тоҡомло тау теҙмәләре һуҙылып киткән . Хөкүмәт тарафынан тәбиғи ҡомартҡы итеп баһаланған был урынға тәүләп килеүебеҙ. Үртәзем йылғаһы буйын тәбиғи музей тип атарға ла булалыр: бындағы тауҙар эсендәге мәмерйәләр бихисап сер һаҡлай, үҫемлектәр донъяһы үҙенсәлекле, ҡоштары, балыҡтары ла бик күп. Был урында Е. Пугачев эҙҙәре ҡалған. Ошо мәмерйәләрҙең береһендә Бүгәс үҙенең байлыҡтарын йәшергән, тигән тарихты ишетергә тура килде. Үтәташ тип аталған мәмерйә стеналарында боронғо хайуандарҙың умыртҡа һөйәге фрагменттары, балыҡ ҡойроғо, айғолағы, ҡабырсаҡтар, үҫемлектәрҙең төрлө өлөштәре ҡатып ҡалған. Боронғо океан төбөндә йөрөп ятабыҙ. Иҫ китмәле күренеш! 340 миллион йыл элек бында океан шаулаған. 12 галереянан торған бер мәмерйәнең ауыҙы Үртәзем йылғаһы ярында, унан сыҡҡан ере тауҙың икенсе яғында. Үртәзем йылғаһында балыҡ ҡарпый, томбойоҡтар сәскә ата. Ярында ҡамыштар бейеп тора, шағир әйтмешләй, боланут хуш еҫ тарата. Был яҡтарҙың боланут сәйе лә сихәтле булыр, тип ышанам. Беҙ барған Сосновка ауылы 135 йыл элек Юлдыбай ауылынан сығыусы түңгәүерҙәр тарафынан нигеҙләгән, борон ул Ҡарағайлы үҙәк ауылы булған. Аҫаба башҡорт ерҙәрен ят бауырҙарға бирмәү өсөн шулай эшләгән беҙҙең зирәк аҡыллы ата- бабалар. Тик был ерҙәрҙе башҡа халыҡтар яйлап һуғышһыҙ ғына баҫып алған - телен ҡырҡҡан. https://vk.com/topic-36676061_46528914 Ляля Рафикова Шәрипова Сания еңгәмдән яҙып алғандарҙан Сығанағы — «https://ba.wikibooks.org/w/index.php?title=Ырымбур_өлкәһенең_Кваркен_районы_Сосновка(Ҡарағайлы)_ауылының_топонимдары&oldid=23694» Категория: Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Сосновка(Ҡарағайлы) ауылының топонимдары Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу башҡортса Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Төп йүнәлештәр Баш бит Берләшмә Ағымдағы ваҡиғалар Һуңғы үҙгәртеүҙәр Осраҡлы мәҡәлә Белешмә Ярҙам итеү Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Биттән өҙөмтә яһарға Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа телдәрҙә Һылтанмалар өҫтәү Был бит һуңғы тапҡыр 20:30 28 ноябрь 2020 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution-ShareAlike License рөхсәтнамәһе буйынса рөхсәт ителгән; айырым осраҡта өҫтәмә шарттар ҡулланылыуы мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, Ҡулланыу шарттарын ҡарағыҙ.
Видео фото менән таныштырып теркәү бушлай булғас - Видео чат №1 - егет йәки ҡыҙ менән танышып онлайн! Видео чат №1 - егет йәки ҡыҙ менән танышып онлайн! Дания: ябай кеше тормошо, ҡатын-ҡыҙ нисек кейенеп - ҡыҙыҡлы сайттар Был модник һыу ҡуллана алмай Һәр илдең үҙ мәҙәниәтенә эйә булған, ғәҙәте һәм йәшәү рәүешен, кейем стилен билдәләү һәм уларға һуғығыҙДания тормош, экспонаттарҙы ҡарағанда, ғәҙел конкуренция булыр тип атарға мөмкин. Әгәр күршегеҙҙең йәки ҡиммәтле автомобиль һатып ғаилә менән сәйәхәткә сығып китә икән, икенсе һәм тағы ла күберәк булып күренә ревновать-һай-һай, күрше, маҡтанды өсөн. Һәм уларҙы йәшереү мөмкин түгел, ерле халыҡты оборки ярата. Сифаты буйынса был күр... Белемле ир-егет Дания Chatroulette Zygoma - Vapaa Webcam Chat Verkossa чатта теркәлергә рулетка 18 рулетка видео чат өлкәндәр өсөн видеочивать 18 ч рулетка 18 онлайн ч рулетка башҡа фотолар менән танышты теркәлгән тел таныштырҙы. смотреть видео чат ҡыҙ менән видео чат ҡыҙ менән танышып бушлай видео
Тәтешле районы халҡы үҙҙәренең яратҡан урыны – Үрге Тәтешлеләге Бармыш йылғаһы быуаһы янындағы йәмәғәт урынын күреп ҡыуана. Өйрәнелгән, ғәҙәти был урынды шул тиклем дә үҙгәртеп була икән, тип ғәжәпләнә улар. Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. 2021 йылдан алып йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылған – тротуарҙар һалынып бөткән, бордюр таштары ҡуйылған, быуа төбө таҙартылған, пляж һәм балалар зоналарында ер эштәре башҡарылған, яҡтыртылған, эскәмйәләр яңыртылған, өс беседка ҡуйылған, уларҙа резина япма һалырға ғына ҡалған. Пляж һәм балалар зонаһында эш аҙағына яҡынлаша: пирс, күҙәтеү майҙансығы, кейенеү бүлмәһе тиҙҙән әҙер буласаҡ. Ошо көндәрҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығы өсөн нигеҙ әҙерләнә башлаған. Тиҙҙән эштәр финиш һыҙығына сығасаҡ, видеокүҙәтеү системаһы, фонтан һәм шлагбаум ҡуйыласаҡ. Ләкин әленән үҙгәргән ял итеү зонаһы урындағы халыҡты йәлеп итә: был урынды коляскалы әсәләр, пенсионерҙар ярата, балалар скейтта һәм велосипедта йөрөй. – Барыбыҙ ҙа эштәрҙең тамамланыуын һәм яңырған урындың асылыуын көтәбеҙ. Бында һәр кем ял итә аласаҡ: йөрөп килергә, эскәмйәлә ултырып алырға, балыҡтарҙы ашатырға, ә йәй көнө һыу инергә, ҡыҙынырға, балалар менән уйнарға мөмкин. Иң мөһиме, ял итеү өсөн алыҫҡа барырға кәрәкмәй, – тине ошо ауыл кешеһе Фәнүзә Юлдашева. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/326260 Фото: Тәтешле районы хакимиәте. Автор:Альфия Мингалиева https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-06/t-teshlel-r-yuanysy-2979693 Тәтешлеләр ҡыуанысы Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Ижади осош өсөн шәп осор. Тышҡы ҡиәфәтеңде, торошоңдо үҙгәртергә теләрһең. Һөйгәнеңә хис­тойғоң сағыуланыр. Буға Иғтибарҙы ғаиләңә бүлеү зарур. Ниәтеңде ғәмәлгә ашырыу мәле етте. Яҡындарың менән мөнәсәбәт йылына. Игеҙәктәр Ваҡытты аралашыуға күберәк бүлергә кәрәк. Ваҡиға уртаһында ҡайнарға, осрашыу, юлға сығыуҙы ойошторорға тырыш. Ҡыҫала Үҙең тураһында башҡалар фекеренә ҡолаҡ һалырға тура килер. Тәнҡиткә айыҡ ҡарау зарур, бәлки, ысынлап та, камиллашырға сәбәп барҙыр. Арыҫлан Был аҙнала яңғыҙ ҡалма, төшөнкөлөккә бирелеү ихтималлығы ҙур. Көсөңдө шәхси үҫешкә, уҡыуға йүнәлтеү хәйерле. Яуаплылыҡтан ҡурҡма. Ҡыҙ Сиктән тыш хислелек иҫкәрмә яһаусыға киҫкен яуап биреүгә этәрер. Әңгәмәсеңә һөжүмгә күскәнсе, тағы бер уйлау ҡамасауламаҫ. Үлсәү Үҙең ижад кешеһе бит, илһам ағыла ғына. Мәҙәни сараларға йөрөү ҡәнәғәтлек өҫтәр. Башҡалар яҙмышында ҙур роль уйнарһың. Саян Көсөң етерлек, тик теләгең юҡ. Ялҡауланмаҫҡа кәрәк, ҡәҙерле ваҡытыңды ысҡындыраһың. Тормошҡа шатланып баҡ, аныҡ маҡсат ҡуй. Спорт менән шөғөлләнһәң, бик шәп. Уҡсы Ғаиләлә аралар йылыныр. Ашығыу артыҡ, хәлде үҙ ағышына ебәр. Балалар тураһында хәстәрлек арта. Ылаҡ Етди һөйләшеү, осрашыуҙы аҙна уртаһына тиклем планлаштырыу дөрөҫ булмаҡсы. Йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарған фекер оҙаҡламай ғәмәлгә ашыр. Һыуғояр Аҙна мәшәҡәткә тулы булһа ла, киләсәккә пландарыңа ыңғай йоғонто яһар. Килем артыр. Яңғыҙ икәнһең, был турала уйланырға ҡулай мәл. Балыҡ Энергия запасын тулыландырыу мөһим. Һиңә һоҡланғандарҙан, осрашыу эҙләгәндәрҙән көс алырһың. Изгелек тураһында уйлаһаң, күңелең сафланыр.
Әгәр һеҙ бөтә төр аҙыҡ-түлек һыуыҡта һәйбәт һаҡлана тип уйлаһағыҙ, был улай түгел. Ҡапланмаған йәшелсәләрҙән, емештәрҙән ферменттар бүленеүе мөмкин. Йыуылмаған кишер камерала башҡа аҙыҡ-түлеккә кире тәьҫир итә. Һөҙөмтә тиҙ генә күренмәй, әлбиттә, әммә һөт тиҙерәк әсей башлай, һыуытҡыста насар еҫ барлыҡҡа килә. Һыуытҡыс камераһы аҙыҡ-түлекте йылынан һәм ҡояш нурҙарынан һаҡлаһа ла, унда барыбер һауа үтеп инә. Әгәр һеҙ аҙыҡ-түлектең һаҡлау ваҡытын оҙайтырға уйлаһағыҙ, уларҙы төрөгөҙ, әҙер ризыҡтарҙы ҡаплағыҙ. Һауыт-һаба һәм төрөү Аҙыҡ-түлектә дым күберәк икән, уның тәме оҙағыраҡ һаҡлана. Мөһим! Тауарҙы магазиндан алып ҡайтҡандан һуң һыуытҡыс камераһына целлофан тоҡсайҙа килеш ҡуймағыҙ. Бындай мөхиттә тиҙ арала конденсат барлыҡҡа килә, бактериялар тарала һәм ул күгәрә. Запастар тиҙ боҙолмаһын өсөн ниндәй һауыттарға һалырға? - Аҙыҡ-түлек пленкаһы. Әҙер ризыҡтарҙы, ҡабымлыҡтарҙы ҡаплау өсөн яҡшы. - Пергамент ҡағыҙы бәлештәр бешереү өсөн генә түгел, һауаны яҡшы үткәреү сәбәпле, сыр, колбаса, ыҫланған ризыҡтарҙы төрөү өсөн дә һәйбәт. - Фольга. Яҡшы герметик, ризыҡтарға елһенергә һәм дымын юғалтырға бирмәй. Әҙер ҡабымлыҡтар, балыҡты, кәтлиттәрҙе, турамаларҙы төрөү өсөн файҙаланырға була. - Антибактериаль балаҫ. Йәшелсә-емештәрҙе оҙағыраҡ һаҡларға мөмкинлек бирә. Уларҙы йыуырға, киптерергә һәм аҫҡы йәшниктәргә балаҫ йәйеп тултырырға. Тишекле мембрана һауа үткәрә, йәшелсәләр тиҙ боҙолоп бармай. - Пластик контейнерҙар. Әҙер ҡабымлыҡтарҙы һәм аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн ҡулланыла. Һыҙҙырылған, ярылған контейнерҙарҙы ташлау яҡшы. - Быяла һауыттар. Улар иң хәүефһеҙе һәм оҙаҡҡа етә. Әҙер ризыҡтарҙан алып, ит, балыҡ, һөт кеүек бөтә нәмәне лә һаҡларға була. - Ағас һауыттар йәшелсә-емеште һәйбәт һаҡлай. Туңдырғыс камера аҫтындағы бүлек. - Был тиҙ боҙола торған һөт һәм ит ризыҡтары өсөн яҡшы урын. Бында температура нормаһы +1 - 3. - Сыр. Уны фольгаға, пергамент ҡағыҙға төрөргә була, әммә алыштырғыһыҙ булып быяла контейнер ҡала. Сырҙың тәм сифатын оҙағыраҡ һаҡлайһығыҙ киләме? Ул ваҡытта һауытҡа бер-нисә киҫәк рафинад һалығыҙ. - Эремсек. Йыш ҡына ул вакуумлы ҡапта һатыла (әгәр үлсәүлене алмаһағыҙ). Өйҙә эремсекте вакуумлы йәки быяла һауытҡа күсереп һалырға кәрәк. - Аҡ май. Ҙур киҫәкте өлөштәргә бүлегеҙ. Бер өлөшөн көн һайын ҡулланыу өсөн май һауытына һалығыҙ. Ҡалғанын туңдырғысҡа ҡуйығыҙ. - Һөт. Пластик контейнер һәм шешәләрҙән ҡапҡаслы быяла һауытҡа бушатыу яҡшы. Мөһим! Йомортҡаларҙы һөртөп, пластик йәиһә картон контейнерҙарға һалып ҡуйырға. Һөт ризыҡтарын һыуытҡыста 72 сәғәттән дә артыҡ тотмаҫҡа. Cosmo-frost.ru материалдары буйынса. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Яңы йыл табынына тауыҡ итенән “Цезарь”, “Бәшмәкле аҡлан”, “Алтын балыҡ”, “Һуйыр ояһы”, “Неаполь”, “Щвейцарса” һәм башҡа төрлө тауыҡ, һыйыр малы, йылҡы иттәрен ҡулланып эшләгән турамаларҙы ҡуйырға мөмкин. Һеҙҙең иғтибарға бер нисәүен тәҡдим итәбеҙ. Бауырҙан “ Наҙлылыҡ” турамаһы Кәрәк: 300 г бауыр , 3-4 картуф, 3 йомортҡа, 150 г ҡаты сыр, 1 эре кишер, майонез. Эш барышы: бешкән йәшелсә, бауыр һәм йомортҡаны ваҡ итеп турап, ҡатлап тәрилкәгә һалабыҙ, иң өҫтә сыр ятырға тейеш. Һәр ҡатҡа майонез һөртөргә. Яңы йыл тематикаһы менән биҙәһәгеҙ, бигерәк матур буласаҡ. “Бим” диңгеҙ ризыҡтары турамаһы Кәрәк: 1 банка борсаҡ, 400 г кальмар, 200 г краб таяҡсалары, 8 мундирҙа бешкән картуф, 6 йомортҡа, 400 г тоҙло ҡыяр, 3 һауыт яһалма бикре(осетр) ыуылдырығы, майонез. Эш барышы: кальмарҙарҙы бешереп алығыҙ, турағыҙ һәм йәшел борсаҡ менән бутағыҙ. Килеп сыҡҡан массаға шаҡмаҡлап туралған бешкән картуфты һәм йомортҡаны, һалам кеүек ҡырҡылған ҡыярҙы һәм майонезды ҡушып болғағыҙ. Унан инде тарелкаға һалып, эт формаһы бирергә һәм өҫтөн ыуылдырыҡ менән биҙәргә генә ҡала. ”Дуҫҡай” турамаһы Кәрәк: 300 г ыҫланған тауыҡ, 6-7 картуф, 4-5 кишер, 3-5 йомортҡа, 1 “Дружба” йә иһә “Орбита” сыры, 150 г маринадланған бәшмәк, майонез, тоҙ, онталған ҡара борос, 6 бөртөк биҙәү өсөн ҡәнәфер, бешкән колбаса, укроп. Эш барышы: алдан картуфта мундирҙа, кишер, йомортҡаны бешереп һыуытып алабыҙ. Һәр аҙыҡты айырым һауытҡа әҙерләп алабыҙ, шунан ҡушабыҙ. Картуфты һәм кишерҙе эре ҡырғыстан, йомортҡаны ағын һарыһынан айырып ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Тауыҡты ваҡлап турайбыҙ. Бәшмәктең һыуын ағыҙып, турайбыҙ, 1-2-һен биҙәүгә ҡалдырабыҙ. Сырҙы һыуытҡыста туңдырып алғас, эре ҡырғыстан ҡырабыҙ. Йәлпәк тәрилкәгә картуфты һалып эт мороно формаһын бирәбеҙ. Шунан тауыҡ итен һалғас, йомортҡа ағын һибәбеҙ. Сират бәшмәккә, уның өҫтөнә мул ғына итеп сыр һалабыҙ ҙа кишер менән ҡаплайбыҙ. Иң аҙаҡтан тағын йоҡа ғына итеп картуф һалабыҙ. Һәр ҡат майонез менән һылана. Йомортҡа һарыһы менән томшоғон, ә ағы менән ҡолаҡтарын һәм танауын биҙәйбеҙ. Ҡалдырылған бәшмәк эшләпәләренән ҡаш, күҙ, танауын, ә телен колбасанан эшләйбеҙ. Мыйыҡтарын ҡәнәферҙән эшләргә, ә укроп шыршы буласаҡ. Турама әҙер, тәмләнһен өсөн һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
– Миңә кеше араһында уңайһыҙ, – тип башланы Урал иртәнсәк ҡатыны менән ауыр һөйләшеүҙе. – Кешеләр был хаҡта беләсәк һәм беҙгә бармаҡ төртөп күрһәтәсәк. – Һин ҡыҙыҡ кеше, Урал, – тине уға ҡатыны. – Ана, интернетты ҡара, гәзиттәрҙе уҡы, кемде нимә тип яҙмайҙар ҙа нимә тип һөйләмәйҙәр. Шул һөйләгәндәрҙең 90 проценты дөрөҫ түгел. Беләм, беҙҙе лә һөйләйәсәктәр. Ике-өс көндән оноталар ҙа башҡаларҙы сәйнәй башлаясаҡтар. – Саймә, һин мине аңларға тырыш. Кисә минең эш өҫтәлендә беренсе тапҡыр минең ейәнсәрем ятты. Уның әсәһе минән бер нәмә лә һораманы. Бары тик күҙҙәремә генә ҡараны. Мин уның күҙҙәрендә өмөтһөҙлөк, меҫкенлек, сараһыҙлыҡ күрҙем. Мин үҙем етем үҫтем. Ошонда уҡырға килгәс, эшкә урынлашҡас, мине эшкә алған, эшкә өйрәткән Ислам исемле ағай: “Ҡустым, йөҙөңдә етемлек ярылып ята, шунан ҡотолмай тороп, һине берәү ҙә хөрмәт итмәйәсәк”, – тип өйрәтте. Мин үҙемдең тәүге ейәнсәремдең етем үҫеүен теләмәйем. -1- -2- -3- -4- -5- -6- -7- -8- -9- -10- -11- -12- -13- ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Өсөнсө өлөш – Миңә кеше араһында уңайһыҙ, – тип башланы Урал иртәнсәк ҡатыны менән ауыр һөйләшеүҙе. – Кешеләр был хаҡта беләсәк һәм беҙгә бармаҡ төртөп күрһәтәсәк. – Һин ҡыҙыҡ кеше, Урал, – тине уға ҡатыны. – Ана, интернетты ҡара, гәзиттәрҙе уҡы, кемде нимә тип яҙмайҙар ҙа нимә тип һөйләмәйҙәр. Шул һөйләгәндәрҙең 90 проценты дөрөҫ түгел. Беләм, беҙҙе лә һөйләйәсәктәр. Ике-өс көндән оноталар ҙа башҡаларҙы сәйнәй башлаясаҡтар. – Саймә, һин мине аңларға тырыш. Кисә минең эш өҫтәлендә беренсе тапҡыр минең ейәнсәрем ятты. Уның әсәһе минән бер нәмә лә һораманы. Бары тик күҙҙәремә генә ҡараны. Мин уның күҙҙәрендә өмөтһөҙлөк, меҫкенлек, сараһыҙлыҡ күрҙем. Мин үҙем етем үҫтем. Ошонда уҡырға килгәс, эшкә урынлашҡас, мине эшкә алған, эшкә өйрәткән Ислам исемле ағай: “Ҡустым, йөҙөңдә етемлек ярылып ята, шунан ҡотолмай тороп, һине берәү ҙә хөрмәт итмәйәсәк”, – тип өйрәтте. Мин үҙемдең тәүге ейәнсәремдең етем үҫеүен теләмәйем. – Миңә эшкә барырға һәйбәт кәйеф, көслө ҡулдар кәрәк, ә һин минең кәйефемде төшөрөп, хәлемде алып эшкә ебәрәһең. Ниңә һин быларҙы миңә һөйләйһең, ана улыңа һөйлә. – Һиңә һөйләмәй, кемгә һөйләйем, әсәһе? Һин дә бит беренсе тапҡыр өләсәй булдың. – Шунан ни булған? Хәҙер, һин әйтмешләй, миңә, ана, өләсәһе килә, тип, бармаҡ төртөп күрһәтергә тейештәрме? Урал, һиңә ауыл малайы фиғеленән ҡотолорға ваҡыт. Ислам ағайың дөрөҫ әйткән, һиңә иң тәүҙә етемлектән ҡотолорға кәрәк, һин әле ҡотолмағанһың. Был ауыл түгел, ҡала, ҙур ҡала. Бында һәр кем үҙе өсөн йәшәй. Шулай булғас, минең башымды әйләндереүеңде туҡтат. Әгәр бик теләһәң, ул баланы тәрбиәләүҙе үҙең ойоштор, мине ҡыҫтырма. Вәзирҙең дә башын әйләндермә. Урал Булатович, урамға сыҡҡас, машинаһына ултырҙы ла водителенә һораулы ҡарашын йүнәлтте. – Фатир таба алдыңмы? – тип һораны ул. – Әлбиттә. 20 мең һорағайны, 15 меңгә төшөрҙөм, ике айға аҡсаһын түләнем. Бына фатирҙың асҡысы. – Үҙең кереп ҡараныңмы? – Һуң инде, һуң инде, ҡарамай буламы һуң инде? – Бүлмәһе нисегерәк? – Йәшәрлек. Ундай фатир эләкһә әле! Коляска менән төшөп йөрөүе ауырыраҡ булыр микән, өсөнсө ҡатта. – Һәйбәт. – Һәйбәтлеген-һәйбәт тә, тик... – Тағы нимә? – Мин машинаны гаражға ҡуйырға килгәндә теге бала күтәргән ҡатын Нәғим менән ниндәйҙер Уазикҡа ултырып, сығып киттеләр. – Ҡайһы Нәғим? Теге грейдер йөрөтөүсеме? – Эйе, ишетеп ҡалғайным уны, күршеләргә ҡасҡан икән тип. Начальник, эшкә барғас, иң тәүҙә Нәғимдең кеҫә телефонын килтереүҙәрен һораны. Күп тә үтмәне, механизаторҙың телефонын алып та килделәр. Урал, һандарға ҡарап, уйға ҡалды: ярай, шылтыратыр, ә нимә тип әйтер һуң? Эйе, нимә әйтер? Һин минең ейәнсәрем менән киленемде алып киткәнһең, тип әйтһенме? Бәлки, икенсе төрлөрәк башларғалыр? Мәҫәлән, мин һиңә бер бүлмәле фатир вәғәҙә иткәйнем, һүҙемде үтәй алманым. Хәҙер фатирҙы ал, бына асҡыс, тик киленем менән ейәнсәремде эйәртергә онотма инде, тип әйтһенме? Тәүәккәлләне начальник, тәки шылтыратты грейдерҙа оҫта эшләй торған механизаторға. Шылтыратыуға оҙаҡ ҡына яуап бирмәне, ниһайәт, алды: – Тыңлайым һеҙҙе, – тине ул аныҡ ҡына итеп. – Һаумы, Нәғим. – Һаубыҙ, туҡта, кем әле был? – Урал Булатович тип өндәшә алаһың, Нәғим ҡустым, – тине начальник. – Ә-ә, Урал Булатович? Сеүегеҙ, минең элекке хужам шылтырата. Тыңлайым һеҙҙе, тик киҫәтеп ҡуям, мин бит һеҙҙән киттем, һеҙҙә эшләмәйем. – Мин шул хаҡта шылтырата инем, ҡустым. – Шылтыратыуығыҙ өсөн рәхмәт, тик, ни бит әле, миңә бында фатир бирҙеләр. Етмәһә, кисә төндә өйләндем. – Нисек өйләндең? Ҡайһы арала өлгөрҙөң? – Эй, шунда, килеп сыҡты инде бер ҡатын балаһы менән. Һеҙ урынлаштырғанһығыҙ икән. Әйттем бит, фатир бирҙеләр тип. Үҙҙәре килеп алдылар. Ә Рәмзиләгә, минең кәләшкә була инде, эш вәғәҙә иттеләр, балалар баҡсаһы. Беҙ ни, баш тартманыҡ. – Бәлки, дөрөҫ эшләгәнһеңдер, – тине Урал Булатович көс-хәл менән. – Беҙ инде һиңә фатир бирә алманыҡ. – Ә минең бер үпкәм дә юҡ һеҙгә, – тине Нәғим. – Һеҙҙә лә эшләргә була ине, баяғы фатир мәсьәләһе генә үҙәккә үтте. Миңә бит утыҙ була, һаман өйләнмәгәнмен. Ҡыҙҙар менән танышһаң, иң тәүҙә, фатирың бармы, тип һорайҙар. Кисә йәтеш булды, фатир ҙа эләкте, кәләш тә килеп сыҡты, балаһы ла бар. – Ярай, мин һиңә бәхет теләйем, – тине Урал Булатович. – Һин миңә Рәмзиләнең телефонын бир әле. – Рәмзиләнең телефоны? Ул һеҙгә нимәгә кәрәк? Был һорауҙы көтә ине Урал, ләкин нимә тип әйтергә лә белмәне. Күрәләтә үҙенең ейәнсәре йәки улының ҡыҙы тип әйтеп ысҡындырһа, ир менән ҡатын яңы өйләнешеп йөрөй, артабан үҙ-ара мөнәсәбәттәре нисек булыр? – Һорауым бар. Кисә бит уны ятаҡҡа урынлаштырҙым. – Беләм-беләм, коляска алып биргәнһегеҙ, ҙур рәхмәт. Ул арба нисә һум тора, аҡсаһын үҙем түләйем. – Юҡ-юҡ, кәрәкмәҫ. Үҙегеҙгә булһын, мин уны ярҙам йөҙөнән алғайным. – Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, Урал Булатович. Мин һеҙгә ысынлап рәхмәтлемен. Әгәр һеҙ эшкә саҡырмаһағыҙ, мин Рәмзилә менән таныша ла алмаҫ инем. Рәхмәт инде, һеҙ бик ярҙам иттегеҙ. – Тимәк, һин кәләшеңдең телефон номерын миңә бирмәҫкә булдың инде? Теге башта тағы тынлыҡ урынлашты, егет әллә көрһөндө, әллә йүткерҙе, шунан былай тине: – Мин... телефонын бирәм, һуңыраҡ, мин һеҙгә шылтыратырмын. Шылтыратҡанын байтаҡ көтөргә тура килде, ләкин телефонда Нәғимдең тауышы ишетелмәне. Рәмзилә ҙур фатирҙа бер үҙе тороп ҡалды. Ҙур тип, әлеге 25-30 квадрат метрлы бер бүлмәле фатир инде. Ҡайһылай ҡыҙыҡ егет тура килде. Бер ҡулына баланы күтәреп алды, икенсеһе менән Рәмзиләне ҡултыҡланы. Бәхет тигәндәре шулай тиҙ генә килә микән? Ә нимә һуң ул бәхет? Балалар йортоноң өсөнсө ҡатынан Рәмзилә ҡаланың торлаҡ йорттарына бик оҙаҡ ҡарап торорға ярата ине. Меңдәрсә уттар янған бал кәрәҙе һымаҡ тәҙрәләр артында бөтөнләй икенсе төрлө кешеләр йәшәй һымаҡ. Уларҙың аталары, әсәләре, олатайҙары, өләсәйҙәре, хатта балалары бар. Ҡайһылары өйҙәрендә эттәр, бесәйҙәр аҫрай икән. Ауылдағы тормош хаҡында ишеткәне бар ине. Унда ла кешеләр йәшәй, уларҙың да ғаиләләре бар, улар ҙа йорт хайуандары аҫрай икән. Кистәрен шул хаҡта бүлмәләштәре менән үҙ-ара һөйләшеп, яңы донъя аса торғайнылар. Бүлмәләрендә Әсмә исемле ҡыҙыҡай бар ине. Шул бер көн әйтә: һөттө һыйырҙар бирә икән. Ә һыйырҙар һөт бирһен өсөн улар быҙауларға тейеш икән. Күмәкләшеп аптыраштылар: нисек инде һыйыр һөт бирһен өсөн ул быҙауларға тейеш? Был һорауға яуапты таба алманылар. Ә хәҙер Әсмәне күрһә, белер ине Рәмзилә нимә тип яуап бирергә. Ана уның сабыйы, уянып, асығып, ашарға һорап ята. Ә былай үҙен ышаныслы тоя Рәмзилә. Иң мөһиме – урамда түгел, йәшәргә – урыны, таянырға Нәғиме бар. Телефоны шылтыраны. Һуңғы бер йылда ул телефон аша иң күбе Вәзир менән һөйләшкәндер, сөнки ул көн һайын шылтырата, хәлен белешә, осрашырға саҡыра торғайны. Рәмзиә белмәй: Вәзир уны яраттымы икән? Ғөмүмән, яратыу нисек була ул? Яратыуҙың һөҙөмтәһе – ошо иртәнән алып кискә тиклем ашарға һорап ятҡан бала. Ә телефон һаман шылтырай. Үрелеп ҡараны, әхирәте икән, Наилә. – Һаумы, Рәмзүк! Хәлдәрең нисек? Һин әле сыҡтыңмы? – тип һорауҙарын өйҙө. – Мин кисә сыҡтым, – тине ул. – Алдан уҡ әйтеп ҡуям, Рәмзүк, фатир хужаһы, әгәр һин беҙгә ҡайтһаң, барыбыҙҙы ла сығарып ебәрәсәк. Шуға иң тәүҙә ошо мәсьәләне хәл ит. – Борсолмағыҙ, минең йәшәргә урыным бар. – Ҡайһылай шәп булған, – тине Наилә. – Фатир ялларға аҡса таптыңмы? – Юҡ, мин бит кейәүгә сыҡтым. – Во дает, уже кейәүгә сыҡҡан. – Әхирәте көнләшеүен йәшереп тә торманы. Һин, фантазерка, моғайын, әлеге хыялдарыңды ысын итеп күрһәтергә тырышаһыңдыр. – Әллә, бына өсөнсө ҡатта ултырам, бер бүлмәле фатир, миңә етә ул. – Ярай, шәп булған, фатирлы булыу яҡшы инде. Адресыңды бир, бәпесеңде күрергә киләбеҙ. Рәмзилә уйға ҡалды: адрес? Был йорттоң адресы нисек икән? – Әхирәт, һин иртәгә шылтырат, мин адресты белмәйем. – Ҡыҙҙар, Рәмзүк һаман фантазирует, фатир биргәндәр, ә ул адресын белмәй. Балаһын имеҙгән ҡатын ошо урында телефонды һүндереп ҡуйҙы. Телефоны тағы шылтыраны. Вәзир икән. Бына ҡыҙыҡ, айҙан ашыу ваҡыт үтте, бына бөгөн шылтырата. – Тыңлайым, Вәзир, һаумы. – Хәлдәрең нисек, Рәмзилә. Бына сабый менән... ҡыҙың менән ултырам. – Яҡшы. Кисә минең ҡарт, атайҙы әйтәм, һөйләп булаша ине. Мин әйткәнсә эшләгәнһең, уға барғанһың. Бүлмә шаҡарып алғанһың икән. – Эйе, барҙым, бүлмәһен бирҙе, бүлмәһен ҡалдырҙым. – Ишетелеп ҡалғайны шул, бүлмәнән баш тартҡанһың шикелле. – Эйе, яҡшыраҡ вариант тәҡдим иттеләр. – Тимәк, минән бурыс төштө. Торлаҡ һорап, мине лә, атайҙы ла мәшәҡәтләмәҫһең тип уйлайым. – Һине мәшәҡәтләү юҡ инде ул. Ә атайың бик һәйбәт кеше икән, ярҙам итте, бына балалар коляскаһы ултыра. – Мин бит уға ҡарап торам, – тине егет. – Уның менән бәйләнеште өҙмә, бала минекеме, түгелме – әһәмиәте юҡ. Иң мөһиме – атай ярҙам итерлек. Рәмзиләнең күңеле тулды. Ул әле Вәзирҙең килеренә өмөт итә ине, сөнки әле булһа Нәғимдең үҙе менән ҡалырына ышанып етмәй. Кисә кис кенә килеп ингән кешегә нисек өмөт бағлайһың? Вәзир бөтөнләй икенсе ине. Үҙен ышаныслы тота, иномаркаһы булыуы, әлбиттә, яҡшы, әммә хәл иткес түгел. Вәзирҙең сабыйҙы үҙенеке итеп танырға теләмәүе ҡатынды кәмһетә. – Вәзир, һиңә минең бер һорауым ҡалды. Шул мәсьәләгә нисек ҡарарһың икән? – Белмәйем, – тине егет, һорауҙы тыңлап та тормайынса. – Атайымдың ярҙамынан баш тартҡанһың, етмәһә, һаман миңә һорауың бар. Мин әлегә бер ни ҙә әйтә алмайым. Дауамы: Дүртенсе өлөш ––––––––––––––––––– Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Һеҙҙең ваҡыт үткәрә алмай йонсоғанығыҙ бармы? Ундай саҡта сәғәттең минуты ла йылдай тойола. Әле Марат менән беҙҙең тап шундай мәл. Иртән үк балыҡҡа барырға һөйләшкәйнек, Әсләм дуҫты әсәһе өләсәләренә йомошҡа ебәрҙе. Һеҙҙең ваҡыт үткәрә алмай йонсоғанығыҙ бармы? Ундай саҡта сәғәттең минуты ла йылдай тойола. Әле Марат менән беҙҙең тап шундай мәл. Иртән үк балыҡҡа барырға һөйләшкәйнек, Әсләм дуҫты әсәһе өләсәләренә йомошҡа ебәрҙе. - Мине көтөгөҙ. Хәҙер ҡайтып етәм, - тип китте лә батты. Инде төш ауҙы, һаман юҡ. Көтәбеҙ тип ҡалғас, Әсләмһеҙ китке килмәне. Әминә әхирәттәре менән баҡсала уйнай. Өйҙән әле бер уйынсығын, әле икенсеһен алып сыға. Үткән-һүткән һайын беҙгә теймәй үтмәй. Етмәһә, баҡса ҡапҡаһына барып етә лә үсекләп телен күрһәтә. - Ҡыҙҙар нисек уйнай икән? Әйҙә барып ҡарайбыҙ? – тип Марат мине баҡсаға әйҙәне. - Эй, нимәһен ҡарайһың уның! Шул ҡурсаҡ-мурсаҡ инде, - тинем ризаһыҙ ғына. – Әле табип булып уйнайҙар. Күрмәйһеңме ни, Әминә ингән һайын әле уйынсыҡ шприц, әле аҡ халатын, әле ҡурсаҡтарын алып сыға. - Әйҙә инде, ҡыҙыҡ бит. – Марат һаман ныҡышты. Ҡыҙҙар баҡсаның бер мөйөшөн дауахана иткән. Тимер һауытта энәһеҙ шприцтар ята, түмәр өҫтөндә төрлө буш дарыу шешәләре, ҡумталар теҙелгән. Тыңлай торған әйберҙәре лә бар хатта. Таҡтанан карауат эшләгәндәр. Әминә, аҡ халатын кейеп, табип булып йөрөй. Ҡалған ҡыҙҙар ҡурсаҡтарын дауаларға алып килгән. Марат менән мин: - Беҙ ҙә дауаланырға килдек, - тип “дауахана”ға индек. Һорауһыҙ дарыу алып ҡапҡан булабыҙ, градусник ҡуябыҙ, витамин һорайбыҙ... - Ағай, ҡамасауламағыҙ әле беҙгә! Беҙ, Әминәнең һүҙҙәрен ҡолаҡҡа элмәй, буталыуыбыҙҙы белдек. Ахырҙа һеңлем: - Әсәйемә әйтәм хәҙер! – тип янаны. Марат шул ваҡыт: - Искәндәр, әйҙә беҙ тракторсы булып уйнайыҡ, - тине лә, “дауахана”нан сығып, “тр-р-р, тр-р-р” тип тырылдап йөрөй ҙә башланы. Мин уға ҡушылдым. Марат: “Минең тормоз тотмай икән ти”, - тип тегеләрҙең “дарыу”ҙары торған түмәрҙе ҡолатып ебәрҙе. Буш һауыттар төрлөһө төрлө яҡҡа тәгәрәне. Әминә, уға ҡушылып башҡа ҡыҙҙар сыр-сыу килеп беҙҙе ҡыуа, әсәйҙәрен саҡыра башланы. - Минең дә тормозым боҙолған, - тип мин шпирцтарын ауҙара төрттөм. Шунан, әсәй кеше килеп сыҡмаһын тип, баҡсанан сығып шылдыҡ. Беҙҙең өй аша урынлашҡан медпункт урамына ҡастыҡ. Аулаҡ ер табып ятып алғас, нисә тапҡыр ауырыуыбыҙ, укол һалдырыуыбыҙ хаҡында һөйләшә башланыҡ. Маратҡа күберәк тәтегән икән ундай “бәхет”. - Ышанаһыңмы-юҡмы, теүәл бер ай дауаханала яттым, - тип һөйләне ул. – Аҡ халатлы апайҙар палатаға килеп инһә, ҡасырға маташам, аҡырам, илайым... Тик ҡотолоп буламы!.. - Бигерәк ыҙалатҡандар икән шул, - тим, дуҫымды йәлләп. - Шуға хәҙер яратмайым табиптарҙы! – Марат һикереп торҙо ла, ерҙә ятҡан ҙур ғына ташты алып, асыу менән медпункттың ишегенә бәрҙе. Таш тирә-яҡты яңғыратып “шаҡ!” итеп барып тейҙе. Ҡурҡыштан ҡойма артына ҡасҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Фельдшер Нәзирә апай сығып ҡараны ла кире инеп китте. Беҙгә был уйын оҡшап ҡалды. Мараттың аҡ халатлыларға тотҡан үсен икәүләп ҡайтарырға булдыҡ. Таштар йыйып алып килдек тә тотондоҡ ишекте дөмбәҫләргә. Нәзирә апай уҡтай атылып сығыуға ҡойма артына боҫабыҙ. Икенсегә таш йыйҙыҡ. Тик быныһында йәшеренеп өлгөрә алмай ҡалдыҡ. Тәүге таш ишеккә тейеүгә үк күренде апайыбыҙ. Көтөп кенә торған, ахырыһы. Беҙҙе күргәс, ярһып китте: - Вәт уйын таптылар! Хәҙер укол һалам мин һеҙгә! Йә милиция саҡыртам!.. Уны тыңлап бөтмәнек. Әсләмдәрҙең ҡапҡаһы асыҡ тора ине, шунда инеп ҡастыҡ. Үҙебеҙҙең шуҡлыҡтан үҙебеҙ көлөп ултырғанда, Әсләм ҡайтып инде. - Малайҙар! – тип һөрән һалды беҙҙе күргәс тә. – Ауылға ып-ысын милиционерҙар килде. Әйҙәгеҙ, барып ҡарайбыҙ. Пистолеттарын тотоп ҡарарға бирмәҫтәрме икән? “Милиция”, “пистолет” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, икебеҙҙең дә ҡот табанға төштө. - Ә?! – Беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. – Милиционерҙар тиһеңме? Шунда уҡ Марат Әсләмдәрҙең һарай башына үрмәләне. Мин – уның артынан. Бер ни аңламаған Әсләм дә беҙгә эйәрҙе. - Әсләм, һин ысын дуҫмы? – тип һораныҡ унан, ҡыйыҡ эсенә ингәс. - Ысын! – Әсләм икебеҙгә алмаш-тилмәш аптырап ҡараны. - Улайһа, беҙҙе һатмаҫһыңмы? - Нисек? Кемгә? - Юҡ, иң тәүҙә әйт, беҙҙең турала бер кемгә бер ни һөйләмәҫһеңме? - Юҡ инде! - Ант итәһеңме? - Ант! Әллә нисә тапҡыр ант иттергәндән һуң ғына Әсләмгә хәлде һөйләп бирҙек. - Һин ҡарап йөрө лә беҙгә барыһын да еткереп тор, - тинек. Әсләм ризалашты. - Хәҙер ҡыйыҡтың ишеген ҡапларға таҡталар мендер, - тип бойорҙо Марат. – Йә күреп ҡалырҙар... Әсләм, тыш-быш килеп, ҡыйыҡҡа таҡталар ташыны. Беҙ, ишекте ҡаплап, ярыҡтан урамды күҙәтә башланыҡ. Ауыл хакимиәте, китапхана, медпункт оҙон бер йортта урынлашҡан. Хакимиәт менән китапхана ишеге урам яғына ҡарай. Милиция машинаһы юл буйында, Әсләмдәргә яҡын ғына ултыра. Төш ваҡыты булғас, урамда кеше лә юҡ. - Дүрт милиционер, - тип һананы Марат. - Әгәр беҙҙе тапһалар? – Мине ҡурҡыу алды. Әсәй, атай, хатта Әминә күҙ алдына килде. Күҙгә йәш төйөлдө. Төрмәгә алып китһәләр, уларһыҙ нисек йәшәрмен? Марат ыңғайына Нәзирә апайҙың йәненә тейгәнемә үкенеп бөтә алманым. Табиптарҙың ни зыяны тейгәндер миңә? - Эттәре юҡмы икән? Беҙ тағы ярыҡтан оло юлға текәлдек. Эт ишараты күренмәгәс, күңелгә әҙерәк йылы йүгерҙе. Бына милиционерҙар, машинаға тейәлеп, үрге осҡа йүнәлде. Марат та үҙенең ҡылығына үкенә икән. Сер итеп кенә: “Әгәр теге ваҡытта укол һалмаған булһалар, һауыҡмаҫ инем. Улар бит мине ауыр сирҙән алып ҡалды”, - тине. Бер ваҡыт кемдер шатыр-шотор баҫҡыс буйлап менә башланы. Тиҙ генә бесән араһына боҫтоҡ. Әсләм икән. - Малайҙар, был – мин. Ашарға алып килдем. Тамаҡ ҡайғыһымы ни! - Йә, нимә эшләйҙәр унда? – тип ҡыҙыҡһындыҡ. – Китмәнеләрме әле? - Юҡ. Улар кемделер эҙләй. Өй беренсә йөрөйҙәр. - Эш харап! – тинек бер тауыштан. – Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? - Шым ғына ултырығыҙ. Эт менән эҙләһәләр ҙә бынан һеҙҙе тапмаҫтар. Беҙ шуға өмөтләндек. Кис етте. Көтөү ҡайтты. Мин быҙауҙар өсөн көйҙөм. Кем барып алды икән? Әминәне ебәрһәләр, танырмы? Алып ҡайта алырмы? Әсләм дә бүтәнсә беҙҙең янға менмәне. Сөнки әсәһе менән атаһы һарай тирәһендә мал менән мәшғүл. Урамда тауыш-тын баҫылғанын көтөп ята торғас, йоҡлап киткәнбеҙ. Ҡапыл тыштағы шау-шыуға күҙҙе астым, Марат та уянған икән. - Бөттө! Беҙҙең арттан килделәр! – тип бер-беребеҙгә һыйынышып ултырҙыҡ. Милиционерҙарҙы көтәбеҙ. Ҡайҙа алып китһәләр ҙә бергә булырға, бер-беребеҙҙе һатмаҫҡа ант иттек. Әсәйемдең, Мараттың атаһының, Әсләмдең әсәһенең тауыштарын танып ҡалдым. Әсләм үҙе лә улар араһында. - Әйт ҡайҙа икәндәрен! Бәлки, бер-бер хәл булғандыр? – тип көйҙө әсәһе. - Юҡ, әйтмәйем. – Һүҙендә ныҡ торҙо Әсләм. – Әтеү уларҙы төрмәгә алып китәләр. - Кем алып китә? Ниндәй төрмә?! – Әсәйем “аһ” итте. - Әсләм, һин ҙур бит инде, үҙең бәләкәстәр кеүек ҡыланаһың. Күреп тораһың, бөтәбеҙ ҙә уларҙы юғалтып борсолабыҙ. Әйт, ҡайҙа улар? – ти Мараттың атаһы. - Милиция киттеме һуң? Оҙаҡ әйтмәне дуҫ беҙҙең ҡайҙа икәнде. Бер аҙҙан тауыш-тын баҫылды. Икеләнде, шикелле. Ахырҙа шым ғына: - Һарай башында ултыралар, - тип серҙе систе, биргән антын боҙҙо. - Их, һатлыҡ! – Беҙҙең йән көйҙө. Ҡыйыҡ ауыҙында Мараттың атаһының башы күренде. - Төшөгөҙ әле! – Ҡаты ғына өндәште ул. Беҙ ҡурҡа-ҡурҡа ергә төштөк. Ниңә унда йәшенеп ятҡанды һөйләгәс, иланылар ҙа, көлдөләр ҙә. - Милицияның һеҙҙән башҡа ҡайғыһы юҡ, тиһеңме?! Үҙ эше менән йөрөнө бит улар! - Әсәй, Нәзирә апай милиция саҡыртмаҫмы икән? - Иртәгә барып ғәфү үтенһәгеҙ, саҡыртмаҫ. - Укол да һалмаҫмы? - Ысын күңелдән һораһағыҙ – юҡ, - тине әсәйем йылмайып. Фото: интернет. https://vk.com/club70386504 Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Ул, арыу ғына оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә етеҙлек менән һикереп тороп сәйнүген ҡайнатырға ҡуйыр өсөн икенсе бүлмәгә сығып та китте. Һыйырын һауып ингәнсе ҡайнай торор. Соланда эленеп торған, һарай эсендәге эштәр менән генә шөғөлләнер өсөн тәғәйенләнгән иҫке курткаһы менән калошын кейеп алды. Ошонда уҡ кәштәлә биҙрәһе ултыра, иҙәндә – ҡомғаны менән йоғаныс майы. Тәү башлап быйылғы йыл быҙаулаған, үтә лә сабырһыҙ, уҫал холоҡло йәш тананы дочка ла дочка, тип маҡтай-маҡтай ҙур кинәнес менән һауҙы. Аҙаҡ шундай уҡ кинәнес һәм ихласлыҡ менән ҡаймаҡ ағыҙа торған сепаратын ҡорҙо. Сепарат үҙ эшен башҡарғансы, яйлап сәй эсеп алырға ла була. Ғәҙәттә Шәрифулланың иртәнге сәйе ярты сәғәт тирәһенә һуҙыла, унан инде һыйырҙы көтөүгә ҡыуырға бер сәғәт ҡала. Ошо сәғәт эсендә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр хужаһын үҙҙәре килеп таба. Тәмләп сәй эсеп алғандан һуң, ҡарт ОРТ каналынан барған иң яратҡан тапшырыуы “Хәйерле иртә”не ебәрҙе. Бик файҙалы тапшырыу – йыш ҡына халыҡ медицинаһы ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулдарын күрһәтәләр. Шәрифулла кәңәштәрҙе тыңлау менән генә сикләнмәй, үҙенә кәрәк булғандарын да, кәрәкмәгәндәрен дә ҡалын дәфтәренә теркәп бара. Ул үҙенең: “Ошо ерем ауырта, был ерем һыҙлай”, – тип зарланған күршеләренә белдекле ҡиәфәттә аҡыл өйрәтергә ярата. Бына әле лә дәфтәрен алыу ниәте менән сервант тартмаһын асып ебәргәйне, газ менән утҡа килгән түләү ҡағыҙын күреп ҡалды. Улар өсөн түләргә тип әҙерләп ҡуйған аҡсаһы шкаф эсендәге итектә ҡулъяулыҡҡа төрөүлө көйөнсә әллә ҡасандан бирле үҙ мәлен көтөп ята инде. Газға – дүрт йөҙ ҙә утыҙ һум, утҡа – һикһән ике һум да илле биш тин… Артып ҡалғандарын пинжәк кеҫәһенә тығып ҡуйһаң, ваҡ-төйәккә китеп бөтә ул. Бер ус унлыҡтар һәм бер ус тимер аҡса менән ҡарт өй уртаһында туҡтап ҡалды. Быларҙы үҙенең һаҡлау банкына һалып ҡуйғанда… “Эйе-эйе”, – тип мығырҙаны ул һәм хужа тарафынан “банк” тип аталып йөрөтөлгән һандыҡ йоҙағынан бушатылды. Һандыҡ эсендә ике бер һәм бер өс литрлы быяла банкаларҙан башҡа бер ни ҙә юҡ. Бер литрлылары тимер аҡса өсөн ҡулланыла, өс литрлыһы – унлыҡтар өсөн. Ҡарт булһа ла үҙенең баш тигән нәмәһе бар: буш банкаларҙы күрше ҡыҙҙан, тәжрибә үткәрәм, тип тимер ҡапҡас менән яптыртып алғайны ул. Ҡапҡастарҙың уртаһынан бысаҡ менән ярыҡ эшләне, аҡсаны шунан ғына төшөрә. Берәйһе, ни эшләтәһең ул аҡсаны, тип һораһа: “Үҙем үлгәс, хәйер итеп таратырҙар”, – тип яуап бирер ине. Әммә бының турала әлегә бер кем дә белмәй һәм белергә лә тейеш түгел. Әжәлен һиҙә башлаған сағында ғына берәй балаһына әйтер. Малдарын көтөүгә ҡыуыу ниәте менән өйөнән сыҡҡан Шәрифулла болдорҙа бер аҙ баҫып торҙо. Бер-бер артлы теҙелеп киткән тауҙар ошо илаһи саҡта ҡуйы аҡ томанға төрөнөп баштарын ғына күрһәтеп ултырған булалар. Унда, тауҙар башында, ауыл халҡына аңлашылмаған, ниндәйҙер үҙенсәлекле сихри донъя. Әкиәт донъяһы. Ҡалҡып сыҡҡан ҡояштың тәүге нурҙары ла иң беренсе тау баштарын иркәләп, һыйпап үтә. Ошо ваҡытта кешеләрҙең ығы-зығыһынан, ғәйбәтенән, ҡара уйҙарынан таҙарынып өлгөргән тирә-яҡ та нисектер ят, ят ҡына түгел, гонаһһыҙ ҙа, хозур ҙа, ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә булып тойола. Шуның өсөн дә ҡарт бигерәк тә ошондай иртәләрҙе ярата. Ауыл тотош уянып бөтһә, уның өсөн бөтә йәм томан һымаҡ юҡҡа сыға. Көтөүҙән һуң быҙауын сығарып, биш бөртөк ҡаҙын һыуға төшөрөп, Аҡтүшен ашатып ингән ҡарттың ҡолағына “Башҡортостан” радиоһы дикторының яғымлы тауышы салынып ҡалды: “Ә хәҙер һүҙҙе медицина фәндәре кандидаты, эзотерик, экстрасенс Сафия Салауат ҡыҙына бирәбеҙ…” – Тәк… тәк… – Шәрифулла ҡарт ултырғысын алып, радио торған тәҙрә төбөнә яҡыныраҡ ултырҙы. – Ә беҙ, ғәли йәнәптәре, һеҙ-ҙе ҙу-у-ур ихтирам үә ҙу-у-ур иғтибар менән тыңлайбыҙ… Ул кеткелдәп көлөп алды ла, ҡуйы ҡаштарын төйөп, ҡалын иренле ауыҙын асыңҡырай биреп, Сафия Салауат ҡыҙы тигәндәренең фәлсәфәүи сығышын тыңларға йыйынды. Ошо мәлдә, өйҙә урынлашҡан бар тәртиплелекте, бар уңайлылыҡты боҙоп ишек шығырланы. – Шәрифулла-а-у… Өйҙәме-е-еү?... Ишектән ялт итеп тәпәш буйлы, ябыҡ кәүҙәле күршеһе Зәкиә ҡарсыҡ күренде. Хужа уның ҡиәфәтен энәһенән ебенә тиклем күҙҙән үткәрҙе: тағы ла күҙҙәре ҡыҙарып бөткән, йәшкәҙәп тора, танауы ла ҡыҙыл, теле көрмәләнә. Тағы ла шул бер ҡасан да йыуылмаған курткаһын кейеп алған. Ул, бигерәк тә, Зәкиә шул курткаһы менән диванға ултырмаһа ярар ине, тип хәүефләнде. Тегенеһе лә ҡарттың уйҙарын белгән кеүек, урынында тапанды. Көнбағыш ҡабыҡтары менән тулған бысраҡ кеҫәһенән ун һумлыҡтар сығарып өҫтәлгә һалды: – Ҡаймаҡ һат әле. Балалар ҡайтҡайны, ҡаймаҡ таптыралар. – Хәҙер ҡаймаҡтың хаҡы илле һум, – тине ҡарт, өҫтәлдәге аҡсаға ҡарап. – Бәй, ниңә улай? Ҡарсыҡ ҡулдарын ыуаланы. – Кисә Маһинурҙарға ҡырҡ һум менән биргәнһең бит. Теге… – Нимә “теге”? Баҙарҙа бөтә нәмәгә хаҡ артты, ышанмаһаң, ана, гәзитте ҡара, – хужа Зәкиәнең аҡсаһын кире һуҙҙы. – Мин бында һыйырҙы һеҙҙең өсөн аҫырайымдыр шул! – Ярар һуң… Ун һумын аҙаҡ керетермен. Ҡарт, теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалып, һыуытҡыстан ҡаймағын алды ла ишек төбөндәге ултырғысҡа “шап” итеп ултыртты. Был, башҡа һинең менән һөйләшер һүҙем юҡ, тигән ишара ине. Күршеһе лә тиҙерәк сығыу яғын хуп күрҙе. Сығып барышлай уның: “Үҙемдең һыйыр һауырға ҡулдарым эшкинмәй шул”, – тигән зары ишетелде. – Һы! Әҙерәк төшөрөргә кәрәк! – тип ҡысҡырҙы ҡарт, ишек ябылғас. Ул бөтә иғтибарын туплап, бөтә күңелен биреп теге экстрасенс ҡатындың һөйләгәнен тыңларға тотондо. Биш минут тирәһе тыңлап ултырҙымы-юҡмы, асыуы ҡабарып, тышҡа сығып китте. Тамам кәйефе ҡырылған Шәрифулла алан-йолан ҡаранды. Асыуҙы эш менән баҫмағанда. Атлап барышлай, аяғына эләкккән һеперткене алып, туҙан борҡотоп өй алдын һеперҙе. “Һы! Ниндәй заманға килеп еттек беҙ! Нимә һөйләгәндәрен дә белмәйҙәр! Ундай кешеләрҙе радиоға яҡын да ебәрергә ярамай! Ни һөйләй, ә? Етмәһә, башҡорт ҡатыны. Исеме лә – Саф-эйә! Тфү!” – ҡарт саңға сәсәне. Һеперткеһен ситкә ырғытып, йәшелсә баҡсаһына инеп китте… Бында ла эш күп… Һуған, ҡыяр түтәлдәрен утарға кәрәк, помидор һабаҡтары бәйләнмәгән. Еләкте йыйып һатҡанда, шәп булыр ине. Иғтибарын күпме генә эшкә йүнәлтергә тырышһа ла, әлеге лә баяғы уйы күңеленә тынғы бирмәне: “Һы! Нимә ти, ә? Ер шарының ябай кешенең күҙенә күренмәгән өҫкө ҡатламында тәүҙә – ете ҡат тамуҡ, аҙаҡ ете ҡат ожмах килә, ти… Һы! Нимә ти тағы? Киләсәктә, ти, ғалимдар самолет менән осҡан саҡта шул ҡатламды тота торған прибор уйлап табасаҡ, имеш… Тфү!” Шәрифулланың иғтибары баҡсаға ингән тауыҡтарға күсте, ҡатҡан тупраҡ киҫәктәре менән уларҙы бәргесләп ҡыуып сығарҙы. Аяҡтарын һындыра бәргәндә, йөрөмәһендәр. Үҙе тағы ла йәһәт кенә келәтенән ем алып, шуларҙы саҡырҙы: “Тип-тип!... Тип-тип!…” Ҡоттары алынған тауыҡтар яҡын килергә баҙнат итмәй торҙолар. – Килегеҙ!... Килегеҙ!... Эй, уңғандарым минең! Килегеҙ! Тип-тип… – Ул нисә ус ем һипкәнен дә тойманы. – Ә ул, Сафия, быларҙы ҡайҙан белә икән? Үҙ күҙҙәре менән күргәнме ни! Үҙенең малай-шалайҙарын, асыҡ ауыҙ студенттарын тишек кәмәгә ултыртыр ҙа ул, ә бына минең кеүек күпте күргән олпат ирҙе алдаштыра алмаҫ! Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәбәр һөйләп тора. Имеш, тамуҡтың беренсе ҡатында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар гонаһтарынан таҙарына, икенсе ҡатта – кеше үлтереүселәр, өсөнсөлә – эскеселәр, дүртенселә – эгоистар, бишенселә – алдаҡсылар, алтынсы, етенсе ҡаттарҙа – тағы әллә кемдәр… Ә бына эгоистарға урын бик аҙ бирелә тине… Метр ярымға метр ярым, тинеме шунда? Тфү! Үҙенең кәйефен күтәрер өсөн әллә күпме эш башҡарып ташланы ҡарт. Мунса соланын йыйыштырҙы, сүп-маҙарҙы йыйып тоҡтарға тултырып ҡуйҙы, йәшелсә баҡсаһындағы мискәләргә һыу тултырҙы. Өйөнә кергән саҡта ҡояш ҡыҙыу ине. Был ваҡытта ул диванында һуҙылып, иркенләп ятып алырға әүәҫләнгән. Ҡайһы саҡта йоҡлап та китә. Шуға ла эштәрен төшкә тиклем тамамлап ҡуя, бер-ике сәғәт ял итеп алһа, сәғәт өстәрҙән һуң яратҡан сериалдары башлана. Бөгөн дә шулай ял итеп алыр өсөн форсат сыҡты, ҡамасаулап йөрөгән кеше юҡ. “Уф”, – тине ул ҙур еңеллек менән – иртәнсәк һыйыр һауған сағындағы ҡәнәғәтлек һәм ихласлыҡ кире ҡайтҡайны ҡарттың күңеленә. Көҙгө алдына баҫып, үҙенең һорғолт күҙҙәренә баҡты, үтә күренеп торған күҙ ҡабаҡтарын, майланған ялтыр танауын ҡулъяулығы менән һөрткөләне, һирәк һаҡалында ла ялтыр тир бөрсөктәрен күреп ҡалды. Түбәтәйен һалып, шул уҡ ҡулъяулығы менән пеләш башын һыпырҙы. Үҙен тәрбиәләп бөтөп, инде күпереп торған мендәрҙе алырға үрелгәндә генә Зәкиә күршеһенең ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде. – Шәрифулла-а-ау… Ишегеңде ас әле-е-еү!... – Нимә булды тағы? Йөрөйһөң инде шунда мәлһеҙ, – ул ишеген түгел, тәҙрәһен генә асты. – Ғәлиулла ағай мәрхүм булып киткән бит… – Ҡайһы Ғәлиулла? – Бәй, уҡытыусы Ғәлиулла, башҡаһы юҡ бит… – Ул тәҙрәнән иртәнсәк етмәй ҡалған унлыҡты һуҙҙы. – Тәрбиәләшергә һәм төнөн һаҡлап ултырырға Шәрифулла ағай килмәҫме икән, тиҙәр. Ауылда йүнле ҡарт-ҡоро ҡалманы бит, үҙең беләһең. –Ярар, барырмын. Тәҙрә “шаҡ” итеп ябылды ла кире асылды. – Эй, Зәкиә, кил әле бында, – ҡарт шыбырлауға күсте. – Һин бит, Зәкиә туған, китапханала байтаҡ ҡына эшләп алған кешеһең, гел китап-журналға күмелеп ултырҙың… – Бар ине йәш саҡтар… – Ҡарсыҡ, был хәҙер аҡыл өйрәтә башлар инде, тип уйлап ҡыҙарынды. – Ни… Һинән, оят булһа ла һорашам инде. – Шәрифулла бер аҙ уйланып торҙо. – Эгаисмы, игаистмы шунда, кем була ул? Күршеһе тәүҙә ни әйтергә белмәй аптырап ҡуйҙы, аҙаҡ, тешһеҙ ауыҙын йырып, көлөп ебәрҙе. – Нисек һиңә дөрөҫ итеп аңлатырға икән? Бына нормальный кеше була бит инде, шунан тағы эгоист кеше була инде… – Һуң улар бер-береһенән нисек айырыла? – тине ҡарт, түҙемһеҙләнеп. – Нисек әйтәйем икән?... Бына, мәҫәлән, нормальный кешегә, балалар ҡайтты, һөт кәрәк ине, тиһәң, ул аҡсаңды ла һанап тормай биреп сығарасаҡ, ә эгоист кеше, бында һинең бер һум да илле тин аҡсаң етмәй, тип ҡыуып сығарасаҡ… Бына шул инде… Был Зәкиәгә, эскән ҡатынға, ышанырғамы-юҡмы, тип тағы хәүефләнә төштө Шәрифулла. – Ни… Зәкиә… Мин бит һине ҡыуып сығарғаным юҡ… Эйе бит, Зәкиә… – Кем һине эгоист ти әле, – күршеһе ҡайтыу яғына боролдо. – Һин – яртылаш эгоист, яртылаш нормальный кешеһең. – Тынысландырҙың, рәхмәт, – тәҙрә тағы ла “шаҡ” итеп ябылды. ****** Хоҙай тәғәләгә бик үк ышанып, намаҙ-фәлән уҡымаһа ла, Шәрифулла ҡарт уҡытыусы Ғәлиулла мәрхүмде мосолмандарса урынына еткереп тәрбиәләне. Алда тағы ла оҙон төн – мәрхүмде һаҡлап ултыраһы бар. Тик уның ғәҙәттә бик бошмаҫ күңелен әллә ниндәй ят тойғо солғап алды. Был тойғо уның бөтә тәне, йәне аша күңеленең әллә нисәнсе ҡатынамы, өлөшөнәме, аңламаҫһың, үтеп инеп ҡытыҡлап ҡуя. Аҙаҡ ошо тойғоға буйһонған тәне тотош зымбырҙай башламаһынмы. Башҡаса үҙен тынысландыра алмауын тойоп, ул саф һауа һуларға сыҡты. Ишек алдында туп-тулы кеше, һәр береһенең үҙ мәшәҡәте, үҙ ҡайғыһы. Уны күреү менән һүҙ ҡушалар, юҡ-бар төпсөнәләр. Ҡарт, тынғылыҡ эҙләп, баҡсаға керҙе, бында, исмаһам, тыныс, рәхәт. Йылы төнгө һауаға тирәк, йүкә, муйыл еҫтәре ҡушылған. Талғын ғына иҫкән йылы елгә оҙон тирәктең ҡуйы башындағы япраҡтар “шыш-быш” килә. Төндөң ҡурҡыныс та, матур ҙа ҡарашына текләп, ҡарт уның ҡосағына сумды. Өҫтә, һауа киңлегендә, бер ҡараһаң бушлыҡ та, бер ҡараһаң тереклек тә. Бушлыҡ… Тереклек… Матурлыҡ… Һалҡынлыҡ… Йондоҙҙары ла, берсә, боҙ һымаҡ һалҡын, берсә, ут һымаҡ ҡайнар. Ысынлап та, ошо ер менән йондоҙҙар араһындағы бушлыҡта ете ҡат тамуҡ, ете ҡат ожмахмы икән, тигән уйы тумалаҡ айҙы ҡуҙғатып ҡуйҙымы ни. Ул, һоро таптарын терелтеп, ҡапыл ғына кеше башына әйләнгәндәй булды, етмәһә, шул баш ауыҙ йырғандай итте. Тынғылыҡты төн ҡосағында тапмағас, ҡарт бер ерҙә өйөлөшөп торған ирҙәр эргәһенә барҙы – Ғәлиулланың туған-тыумасаһы. Ҡалтыранған ҡулдары менән кемдәндер һорап алған тәмәкене тартырға тотондо, үҙе шул уҡ ваҡытта, танырға тырышып, һәр береһенең йөҙөнә ентекләп ҡараны. Күпме генә тырышмаһын, ширлектә һөйләшеп ултырған ике ирҙе таный алманы, ҡаланан килгәндәрҙер. Береһе, тәпәшерәк буйлыһы, урыҫ һүҙҙәрен йыш ҡушып һөйләне: – Бигерәк кешелекле, добрая душа, простой булды, мәрхүм ағай… Ҡалаға етәкләп уҡырға алып барған сағы һаман да иҫемдән сыҡмай. Һуңғы йылдарҙа ҡаты ғына сирләп китте, бедный мой. Килеп ят дауаханаға, үҙеңде айырым палатаға һалырмын, тием. Юҡ, не хочет. Үҙеңә айырым медсестра тәғәйенләрмен, тием. Юҡ, не хочет. Миңә, япон һуғышын үткән кешегә, был сир пустяк, ти ҙә ҡуя. Икенсеһе, оҙонораҡ буйлыһы, күҙлек кейгәне, тәрән көрһөнөп ҡуйҙы: – Эйе, эйе шул… Бик ҡаты ауырыған шул. Ваҡытында ниндәй шаян, дәртле кеше була торғайны. Мин студенттарыма уның мәҙәктәре тураһында һаман һөйләп алам. Иҫләйһеңме икән, бер ваҡыт класҡа бер төргәк әллә ниндәй ят емеш алып инде. Үҙе беҙҙең ауыҙҙарҙы супылдата-супылдата ашағанды ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Үҙе: “Ашағыҙ, һыйланығыҙ, минең йырсы танышым, Эдит Пиаф, тағы ебәрермен, тип әйтте”, – ти. – Да… Да… “Мәскәүҙә уҡыған сағымда Стелла Агдам тигән рәссам ҡатын портретымды яҙҙы, ул портрет күргәҙмәлә әле һаман тора,” – тип һөйләргә ярата торғайны. Йә булмаһа: “Утесов тигән артист менән ҡунаҡта булған саҡта таныштым, ул миңә көсөк бүләк итте,” – тип һөйләр ине. Ә беҙ малайҙар, ауыҙҙы асып тыңлайбыҙ, очень интересно бит. – Һәр ваҡыт шаян күңелле, тормошто яратыусы кеше булды ағай. Урыны ожмахта булыр, – күҙлекле бер аҙ уйланып ултырҙы. – Уға арнап яҙған шиғырым район гәзитендә сыға, уҡырһың әле. “Һы! Тағы ожмах! Сафия Салауат ҡыҙы әйтмешләй, был Ғәлиулла ожмахтың нисәнсе ҡатында булыр икән? Кешеләрҙең изгелегенең, ҡылған эштәренең кимәленә ҡарап, тәғәйенләнгән ҡаттарға урынлаштыралар, ти. Ә иң-иң һәйбәт кешегә урын етенсе ҡаттан бирелә икән. Һы!” Шәрифулла мәрхүм эргәһенә инде лә, юҡ-бар уйламаҫ өсөн, тиҫбе тартып ултырырға ниәтләне. Бер ҙә генә тотоп ҡараған нәмәһе түгел. Ул ҡапыл, ҡалаға барған сағын иҫкә төшөрөп, йылмайҙы: бер саҡ ҡала транспортына инеп кенә ултырғайны, ҡаршыһындағы егетте күреп, иҫе китте. Ҡара күҙлек кейеп алған егет шәп-шәп итеп тиҫбе тарта. Үҙе ҡолағына ҡуйған нәмәкәйенән музыка тыңлай, үҙе һыйыр һымаҡ һағыҙ сәйнәй: динлеме, динһеҙме, аңламаҫһың… ****** Уҡытыусыны ерләп, өсөн-етеһен уҡытҡас, Шәрифулла ҡарт тағы ла донъя мәшәҡәттәренә сумды: салғыһын, балтаһын үткерләп, арбаһын йүнәтеп, бесәнгә әҙерләнде. Эште, бала-сағаһын ҡыҫылдырмай, бер үҙе генә эшләргә ярата ул. Үҫеп бөткән ейәндәрен ауылға ҡайтартмай, барыбер уларҙан бер ниндәй ҙә фәтеүә юҡ. Таңға тиклем йөрөйҙәр ҙә төшкә тиклем йоҡлайҙар. Үҙе яҡты донъянан киткәс, ҡайтып теләгән нәмәләрен эшләрҙәр. Бер саҡ ҡарттың башына бик шәп фекер килде – бесәнгә төшмәҫ борон мәсеткә барып, хәйер биреп, мулланан бер-нисә сүрә уҡытып ҡайтҡанда һәйбәт булыр ине. Әжәл алдынан, ә уның ҡасан килерен кем белә, гонаһ-фәләндәрҙән бер аҙ таҙарынып алһаң арыу инде ул. Бығаса мәсеткә йөрөгәне булманы, сөнки ундағы йәш мулланы өнәп еткермәне. Мәсет төҙөлгән саҡта ауылдаштары ҡулдарынан килгәнсе аҡса йыйҙы: кеме йөҙ, кеме ике йөҙ һалды, күберәк биргән кешеләр ҙә булманы түгел. Шул ваҡытта ул ни эшләптер донъя мәшәҡәттәренән арына алмай, мәсеткә барырға ваҡыт тапманы. Ә хатаны барыбер төҙәтергә кәрәк. Ул , йөҙ һумлыҡты алып, ишек алдына сыҡты, ҡапҡаға барып еткәс кенә кире боролоп, тағы бер йөҙлөктө алды. Мәсеткә ул, магазинға һағыҙ йәки туңдырма артынан йүгергән бала һымаҡ, елдереп барып етте. Тупһаны аша атлағас, бер аҙ юғалып ҡалды. Ябыҡ, бәләкәй буйлы мулла егетте күргәс кенә әҙерәк ҡыйыуланып китте, хатта кәйефе лә ҡырылды. Бер ҙә генә оҡшатмай уны, нәҙек тауышы менән уҡына башлаһа, сыҙап торғоһоҙ була. “Әллә инде ҡаланың ҙур мәсетенә барырға… Ҙур мәсеттең файҙаһы ла ҙурыраҡ булыр. Муллалары ла олпатыраҡ, уҡымышлыраҡ”, – ҡарт һаман да икеләнде. – Шәрифулла бабай, тим, берәй йомошоң бар инеме? – Ә… Теге ни… – Шәрифулла түш кеҫәһенән аҡса сығарҙы. – Мә, ҡустым, мәсеткә кәрәк-яраҡҡа булыр, үҙең шунда уҡып, доға ҡылып алырһың. Шулай ҙа Шәрифулла ҡарттың күңелен баҫып торған ауыр тойғо юҡҡа сыҡманы, аяҡ-ҡулдары ғына түгел, хатта тәненең һәр бер күҙәнәгенә тиклем ҡалтыранғандай тойолдо. Ғүмер буйы йыйылған гонаһтарҙы бер-нисә көн эсендә хәйер биреп кенә, доға уҡытып ҡына юйып булырмы һуң – билдәһеҙ. Ә нисек ҡотолорға һуң? Уһ, уның бер ҙә генә эгоист булғыһы килмәй. Зәкиә, эгоисһың, тине бит. …Өйөнә йүгереп тиерлек ҡайтҡан Шәрифулла шкафтан сепрәккә төрөлгән банк кенәгәһен алды. Һуңғы ун йылда йыйған аҡсаһының яртыһын балаларына таратып бирергә, яртыһына күрше ауылдағы интернаттың етем балаларына кәрәк-яраҡ алырға кәрәк. Өҫтәренә – күлдәк, аяҡтарына – итек… Тағы телевизорға ла етә, компьютер тигән нәмәләренә лә етә. Күп аҡсаһы уның, күп. Барыһына ла етә. Ә үҙенә йәшәргә теге һандыҡ эсендәге банкаларҙағы аҡсаһы ла етеп торор, пенсияһы ла килә. Ҡарт өйҙән сығышлай һыуытҡыстан ике йомғаҡ май, бер банка ҡаймаҡ алды. Зәкиәләргә инмәй, ҡапҡа төбөнән генә ҡысҡырҙы: – Зәки-ә-әү!... Өйҙәме-е-еү? Күршеһе йүгереп сыҡты, аптыраған булды: – Бәй, ниңә инмәйһең? – Бына һиңә – май, бына һиңә – ҡаймаҡ!... – Аһ, аһ… – Юғалып ҡалды ҡарсыҡ. – Аҡсам – Аҡсам ҙы. – Мин үлгәс, бер иҫкә төшөрөп һөйләрһең әле. Ә кем белә, уны, әжәлде? Бик хәйләкәр нәмә бит ул. Ул хәҙер ожмахҡа түгел, тамуҡтың өҫкө ҡатына эләкһә лә риза булыр ине. Гонаһтарынан таҙарына-таҙарына яйлап ожмах ҡатына ла күтәрелер һәм берәй заман ҡарсығы менән осрашыр. Унда бөтөнләй икенсе тормош ти бит: кешеләр ризыҡҡа, кейемгә мохтаж түгелдәр. Ризыҡ, кейем булмағас, аҡса ла кәрәкмәй. Аҡса кәрәкмәгәс, кешеләр ҙә һәр ваҡыт алсаҡ, шат, йомарт, бер-береһен яраталар. Унан килеп, бер ҡасан да ҡартаймайҙар икән. Ерҙе һағынып китеп, тәнле булырға теләһәләр, Хоҙай тәғәлә ризалығы менән был донъяға тағы тыуалар. Бәлки улар ҙа ҡарсығы менән был донъяға яңынан килер… Саң-туҙан борҡотоп елдереп килгән автобусҡа ултырған ҡарт тәҙрәнән ауылдың һуңғы өйҙәренә, бер-бер артлы теҙелеп киткән тауҙарға, юл буйында баштарын болғап ҡалған иркә ҡайындарға ҡарап йылмайҙы ла йылмайҙы. Һауала – күпереп торған мамыҡ кеүек болоттар, утлы шар – ҡояш, ерҙә – диңгеҙ һымаҡ тулҡынланған иген баҫыуы, йылан кеүек борғаланған юл – уйлап ҡараһаң, үҙе ожмах. Күк менән ер араһындағы бушлыҡта етеҙ ел саба. Ә тирә-яҡ үҙе тантана ҡыла. “Сафия Салауат ҡыҙына рәхмәт әйтеп хат яҙырға кәрәк, – тип уйланы ул, шатланып. – “Башҡортостан” радиоһында адресымы, телефонымы барҙыр әле, моғайын”. Фото: интернет Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Фәрғәт Ғәлин туған халҡы йөрәгендә ихлас һәм алсаҡ ауылдаш, оло йөрәкле һәм изге күңелле ағай, тоғро дуҫ, һәм балаларының күңелендә һөйөклө атай булып мәңгегә иҫтәрендә һаҡланыр. Бер күҙ асып йомған арала ла Мәңгелеккә етер нур ҡала. Бөгөн Ғафури районы Үзбәк ауылы халҡы ижади ҡарашлы, йомшаҡ һүҙле, ихлас күңелле, эшһөйәр, ижад өлкәһендә күп хеҙмәттәр яҙған Фәрғәт Тәлғәт улы Ғәлинды яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыу кисәһенә йыйылды. Фәрғәт Ғәлин туған халҡы йөрәгендә ихлас һәм алсаҡ ауылдаш, оло йөрәкле һәм изге күңелле ағай, тоғро дуҫ, һәм балаларының күңелендә һөйөклө атай булып мәңгегә иҫтәрендә һаҡланыр. Фәрғәт ағай Ғәлин - Тыуған ауылы, районы һәм туған халҡы өсөн бик күп эштәр башҡарған оло шәхес. Фәрғәт Тәлғәт улы 1954 йылдың февраль айында Ғафури районының Үзбәк ауылында Ғәшиә һәм Тәлғәт Ғәлиндарҙың ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Үзбәк, һуңынан Бурлы мәктәбендә тырышып уҡый. Армия сафында хеҙмәт итә, эшһөйәр һәм көслө егет булып буй еткерә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, “Ағиҙел” колхозында шофер булып эшләй. Ул бер эштән дә ҡурҡмай, һәр ҡушылған эште еренә еткереп эшләргә ярата. Эшкә яуаплы ҡарауы, аҡыллы фекере, йомарт күңеле менән халыҡ араһында хөрмәт яулай. Ул 27 йыл ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында арымай- талмай хеҙмәт итә. Фәрғәт Ғәлин 10 йыл районыбыҙҙың “Табын” газетаһында хәбәрсе булып эшләй. Юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Уның бай һәм һутлы телдә ижад ителгән шиғырҙарын туған халҡы яратып уҡый, ятлай һәм шиғри һүҙҙәрен йырҙарға һала. Тырыш, яуаплы хеҙмәте өсөн Фәрғәт Ғәлин СССР ауыл хужалығының почет грамотаһы, Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министрлығының миҙалы менән бүләкләнгән. Фәрғәт Ғәлинды “Йәшен” исемле шиғырында ошондай юлдар бар: Йәшен булып йәшнәп үткән ғүмер Йондоҙ булып, беләм, атыла. Бер күҙ асып йомған арала ла Мәңгелеккә етер нур ҡала. Ысынлап та, ғүмер – ул, йондоҙ атылған кеүек, бер матур ғына мәл. Шул нурҙы мәңгелеккә еткереп, туған халҡыңа хеҙмәт итеп йәшәй белергә кәрәк. Фәрғәт Тәлғәт улы Ғәлиндың ижади хеҙмәте бай йөкмәткеле, фәһемле фекерле. Тыуған ере, туған халҡы шиғри күңелле ауылдашын онотмаҫ, йөрәгендә мәңге һаҡлар.
Йоғошло сирҙең таралыу ҡурҡынысы менән бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибен һаҡлау тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә үҙҡамау тәртибен һаҡлау тәҡдим ителә. Был өлкән йәштәгеләрҙең аҙыҡ-түлек, дарыу алыу өсөн сығыуҙарына һәм баҡсаға барыуҙарына ҡағылмай. ҺАҠЛАНЫУ САРАЛАРЫ КӨСӘЙТЕЛӘСӘК. Йоғошло сирҙең таралыу ҡурҡынысы менән бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибен һаҡлау тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы. Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә үҙҡамау тәртибен һаҡлау тәҡдим ителә. Был өлкән йәштәгеләрҙең аҙыҡ-түлек, дарыу алыу өсөн сығыуҙарына һәм баҡсаға барыуҙарына ҡағылмай. Республика Башлығы пенсионерҙарға табип тәҡдиме буйынса киҙеүгә ҡаршы вакцинация үтергә кәңәш бирә. Үҙҡамау тәртибен һаҡлау Башҡортостан кешеләренә һәм сит илдән килгәндәргә лә ҡағыла. Йоғошло сирҙәрҙе алдан киҫәтеү, кешеләргә вакцинация үткәреү өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Башҡортостан республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмиәт саралары агентлығы, һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы менән бергә халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барасаҡ. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 ҺАРТТАР: УРТА АЗИЯ БАШҠОРТТАРЫБЫҘ + - Байтаҡ ҡына башҡорт ырыуҙары составында үҙҙәрен һарт тоҡомдары тип иҫәпләгән кешеләр бар, ә Себер даруғаһында ваҡытында Һарт олоҫо ла теркәлгән була. Кемдәр һуң улар - һарттар? Бәғзе бер Рәсәй тарихсылары тарих төпкөлдәрендә һарт атамаһының этноним түгел, ә соционим, йәғни, билдәле бер социаль төркөм исеме булыуы хаҡында яҙа. Мәҫәлән, В.В. Радлов (1837-1918) һарт атамаһының һиндтарҙа ҡулланылыуын билдәләй. Һинд уддтарының "Лотос сутраһы" ("Саддхарма пундарика сутра") изге Будда яҙмаһында "сартһаваһа" һүҙе сауҙагәр йәиһә каруан йөрөтөүсе мәғәнәһендә иҫкә алына. Ошо атама уйғыр теленә "сартпау" рәүешендә килеп инә, ул "өлкән сауҙагәр" ("сатыкчи улуг") тигәнде аңлатҡан. Күрәһең, X-XI быуаттарҙа ошо уҡ атама төрки телдәре лексикаһына ла килеп инә, ул караханидтар һәм хаканидтарға ҡараған яҙмаларҙа (ғәрәп графикаһында) осрай. В.В. Радлов караханид шағиры Йософ Баласағуни тарафынан ижад ителгән "Ҡутадғу билик" ("Ҡот килтереүсе белем") поэмаһында ла шул уҡ "сарт" һүҙенең сауҙагәр мәғәнәһендә ҡулланылыуына иғтибар иткән. Мәхмүт әл-Ҡашғариҙың (XI б.) ғәрәп телендә яҙылған "Диван лугат ат-турк" ("Төрки телдәре һүҙлеге") энциклопедик йыйынтығында ла "Сарт - сауҙа итеүсе", тип билдәләнә. Һуңынан "һарт" атамаһы, сауҙа эше менән генә шөғөлләнгән кешеләрҙән башҡа, айырым бер мәҙәни-хужалыҡ итеү менән бәйле булған этник төркөмдәргә ҡарата ла ҡулланыла башлай. XIII быуат башында инде Урта Азияла фарсы йәиһә төрки сығышлы, ултыраҡ тормош алып барған, ер эшкәртеү, һөнәрселек һәм сауҙа менән шөғөлләнгән кешеләр "һарттар", тип атала башлай. XIV быуат тарихсыһы Рәшид ад-дин мәғлүмәттәренә ярашлы, һижри иҫәп буйынса 607 йылда (1210 - 1211) карлук хакимы Арыҫлан хан Сыңғыҙ ханға буйһона, шул саҡта монгол ханы "уға үҙ ырыуынан ҡыҙ бирә һәм уны Арыҫлан-сартактай, йәғни тажик тип атарға бойора". Күренекле тарихсы В.В. Бартольд ошо хаҡта бына нисек яҙа: "Здесь имя народа выступает в форме сартак; окончание тай присоединялось монголами к названию для обозначения мужского представителя соответствующего народа". Карлуктарҙың Арыҫлан ханы, Көнсығыш Төркөстандың һәм башҡа төрки күсмә ҡәүемдәренең хакимы булған хәлдә лә, Сыңғыҙ хан тарафынан сартактар, йәғни һарттар тип аталған йәмғиәт вәкиле сифатында ҡабул ителә. Академик В.В. Бартольд бөйөк хандың һарттарға ҡарата булған мөнәсәбәтен ошолай баһалай: "...сартактаи были для монголов людьми не столько определенной национальности и языка (карлуки были, как известно, тюркским народом), сколько принадлежащими к определенному культурному типу - персидско-мусульманскому". Монголдарҙың "Йәшерен хикәйәт"ендә ("Монголдарҙың йәшерен тарихы"), хорезмшах Мөхәммәткә ҡаршы һуғыш башланған мәл хаҡында бәйән ителгәндә, "Сыңғыҙ хан Арай артылышы аша Сартаул халҡына һуғыш менән барҙы", тип әйтелә. Дошмандарын тар-мар иткәс, монгол сардарҙары үҙ хакимына ошондай хәбәр ебәрә: "Беҙ һиңә буйһонмаған Сартаул Солтанын түңкәрҙек һәм уның ҡалаларын һәм халҡын алдыҡ... Беҙ барыбыҙ ҙа, һинең кешеләрең дә һәм аттарың, шатланабыҙ һәм тантана итәбеҙ, сөнки күктәр һәм ер беҙҙең ҡеүәтебеҙҙе арттырҙы, һәм бына беҙ Сартаул халҡын тар-мар иттек". Сыңғыҙ хан заманында, һуңынан Алтын Урҙа дәүләтенең Джучи һәм Сығатай (Чагатай) олоҫтары күскенселәре Урта Азияның ултыраҡ тормошта йәшәүсе халыҡтарын, шул иҫәптән төркиҙәр менән бергә тажиктарҙы ла, һарт тип атағандар. XVI быуатта үзбәк ханы Мөхәммәт Шейбани Мавераннахрҙы яулап алғандан һуң, уның ҡулы аҫтындағы үзбәк төркиҙәренән айырмалы рәүештә, яһаҡ түләүсе төрки һәм фарсы телле ҡәүемдәр ҙә һарт тип исемләнгән. Күренеүенсә, ошо осорҙа һарт атамаһы экзоним, йәғни ситтән бирелгән атама булған. Тора-бара Урта Азия территорияһында көн итеүсе айырым этник төркөмдәр (ултыраҡ тормош алып барыусылар, ҡалаларҙа йәшәүселәр) ошо этнонимды ҡабул итеп, үҙҙәрен башҡа халыҡтарға һарт тип таныта башлай. XX быуат башында Көнсығыш тарихы буйынса абруйлы белгес, төркиәтсе В.В. Радлов та Урта Азия ҡалаларында йәшәүселәрҙең һарт атамаһы менән нарыҡланыуын билдәләй. Был осраҡта ла "һарт" атамаһының айырым бер этник төркөмгә ҡарата ҡулланылмағанлығын, ә билдәле бер ижтимағи ҡатлам кешеләрен аныҡлаусы термин булараҡ формалашыуын белдерә. Күренекле башҡорт этнографы Р.Ғ. Кузеев ошо хаҡта бына ниҙәр яҙа: "... "һарт" терминының, башлыса, Урта Азияның төньяҡ райондарындағы ултыраҡ тормошта йәшәгән ҡала кешеләрен аңлатыуы хаҡындағы ҡараш, XIX быуатҡа ҡарата тулыһынса дөрөҫ булған хәлдә лә, мәсьәләнең асылын бар тулылығында асып бөтә алыуы икеле". Рәсәй империяһында 1897 йылда уҙғарылған беренсе бөтөн халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, һарттарҙың дөйөм һаны - 968 655, ә үзбәктәрҙең - 726 534 кеше була. Ә XX быуаттың 20-се йылдарында, Урта Азия халыҡтары айырым милли республикаларға бүленгәндән һуң, Үзбәк ССР-ында төп халыҡ бары бер генә этноним - республикаға исем биргән милләт атамаһын ала. Һарт этнонимы инде бөтөнләйгә ҡулланылмай башлай. Урта Азия һарттарының башҡорт халҡы составына инеүе, хәҙерге осорға килеп еткән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, оҙайлы процесс булған. Башҡорт-һарт бәйләнештәре, монгол яуҙарына тиклем байтаҡ элек үк башланып, XVIII быуатҡа тиклем дауам итә. Һарт атамалы Урта Азия кешеләре, күрәһең, башҡорттарҙың Арал-Каспий-Ҡара диңгеҙ буйҙарында көн иткән ата-бабалары менән бик боронғо дәүерҙәрҙән бирле аралашып йәшәгән. Был йәһәттән башҡорттарҙың Әйле ырыуҙар берләшмәһе составында һарт сығышлы төркөмдәрҙең булыуы, ә шул уҡ төп әйле ырыуы сығышы менән Амударъя-Һырдаръя буйҙарынан булып, Урта Азия һарттары менән тығыҙ этник бәйләнештә йәшәүе ысынбарлыҡҡа тап килә. Әйлеләр составында һарт-әйле аймағы булыуы ла ошоға дәлил. Әйлеләрҙең бер боронғо риүәйәтендә Һырдаръя артындағы бер Бохара бейенең мөгөҙлө айғыры һәм бер көтөү аттары юғалғас, һарт-әйлеләрҙең Башҡорт ерҙәренә килеп сығыуы бәйән ителә. Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, һарттарҙың бер өлөшө IX быуатта уҡ Арал һәм Һырдаръя буйындағы далаларҙа йәшәгән уғыҙҙарҙың әйле ҡәбиләһенә ҡушыла, а һуңынан әйле берләшмәһе, Көньяҡ Уралға килеп етеп, башҡорт иленең айырым бер ҙур өлөшөн хасил итә. Әммә бында боронғо һарттарҙың айырым этник төркөм булмайынса, өҫтәрәк килтерелгән фаразға ярашлы, тик социаль атама булыуын да оноторға ярамай. Һарттар, Р.Ғ. Кузеев фаразынан айырмалы, башҡорттар араһына башҡа бер тарихи сәбәптәр арҡаһында ла килеп инеүе мөмкин. Шул уҡ монголдарҙың һарттарҙы "сартак", тип атап йөрөтөүе хаҡында алдараҡ һүҙ булғайны. Байтаҡ быуаттар үткәс тә, батша Рәсәйендә Һарт олоҫо башҡорттарына ҡарата "сартак" атамаһы ҡулланылған. 1735-1740 йылғы башҡорт ихтилалы заманына ҡараған бер документта ошондай мәғлүмәт бар: "…башкирцы в собрании вверх Аю в Сартаковских улусах стоят". Бынан һарттарҙың башҡорттар составына ҡушылыуын XII-XIV быуаттар арауығы менән дә бәйләп була, монгол яулап алыу походтарынан бер аҙ алдараҡ та, һәм аҙағыраҡ, Алтын Урҙаның Джучи олоҫо барлыҡҡа килгән замандарҙа ла, һарт исемле ҡәүем кешеләренең Көньяҡ Урал башҡорттарына ҡушыла барыуын күҙалларға була. Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне. (Дауамы бар). "Киске Өфө" гәзите, №2, 2022 йыл КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 14.01.22 | Ҡаралған: 164 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Ташҡын буйынса брифингта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Идрисов шешлек бешергәндә янғын сығыу хәүефен кәметеү саралары тураһында һөйләгән. Был турала “Башинформ” хәбәр итә. Ташҡын буйынса брифингта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Идрисов шешлек бешергәндә янғын сығыу хәүефен кәметеү саралары тураһында һөйләгән. Был турала “Башинформ” хәбәр итә. Мангалды йорт-ҡуранан кәм тигәндә 5 метрҙа, ҡатнаш урмандан 30 метрҙа, ылыҫлы урмандан 100 метрҙа ҡорорға мөмкин. Мангал тирәһендә ҡоро үлән, ҡоро япраҡ-маҙар булмаһын. Янып китеү ихтималлығына ут һүндереү кәрәк-ярағы, мәҫәлән, һыу эргәлә торһон. «Янғынға юл ҡуймау өсөн ағас күмере ҡулланыу отошло, – тигән Эдуард Идрисов. – Тоҡандырыу өсөн махсус шыйыҡса ҡулланабыҙ, тик күп һипмәҫкә, ул ҡоро үләнгә төшөп яндырып ебәрмәһен. Шыйыҡсаны ут янып торғанда ҡулланыу тыйыла». Шешлек ҡурып бөткәс, күмерҙе мул ғына итеп һыу һибеп һүндереү мотлаҡ. Ут хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә. Ялдарығыҙ күңелле, имен-аман үтһен, шешлектәрегеҙ тәмле булһын! Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Әнүзә Мажитова Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында йәшәй. Ғүмер буйы ауыл китапханасыһы булып эшләне. Әле ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе. "Беҙ үҙебеҙ Баймаҡтар", "Өмөтбай кисә, бөгөн" төркөмдәрен алып бара. УРАЛ МӨҒЖИЗӘҺЕ (Нәҫер - инша) Тәбиғәт һәм кеше... Кеше һәм тәбиғәт... Улар бер - береһенә үтә лә яҡын, айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Һуңғы йылдарҙа йәйҙең ҡоро килеүе арҡаһында ауыл халҡына ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү өсөн, урманда йөрөргә тура килә. Юлдар насар булыу сәбәпле, йә беларусь тракторы, йә булмаһа, ат егеп бесән әҙерләргә йөрөйбөҙ. Үлән шул тиклем үҫкән, хатта егеп барған аттың дуғаһы ла күренмәй. Урал урмандары , яландары еләк - емешкә, бәшмәккә бай. Ауылда күптән инде ҡайнатмалар әҙерләп бөткәнбеҙ, ә Урал дың ҡуйы урманлы яландарында, еләк - емеш яңы өлгөргән, үҙҙәре "турғай башындай" эре, ҡырағай алмағастарҙа ла алмаһы алланып бешкән, үҙҙәре татлы ла, һутлы ла. Ә бәләкәй генә йылға-инештәрҙең күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Һыуҙары шул тиклем таҙа һәм тәмле. Төш мәлендә ат һуғарырға тип йылға буйына төштөм. Былай ҙа берәй айыу-маҙар килеп сыҡмаһын тип, шөрләберәк килгән кешегә, (шөрләрлек шул, иртәгеһенә бесәнгә килһәң, сәй эскән еребеҙҙә урман хужаһы айыу үҙенең эҙен ҡалдырып киткән була) ҡапыл күҙ алдымда, быуылған йылғала ниндәйҙер хәрәкәт сағылды. Йылтыр һыу өҫтөндә балыҡты хәтерләткән , ялтыр ҡойроғон шапылдатып, сөм-ҡара күҙҙәрен миңә төбәп, нимәлер тын ғына йөҙә. Асылған ауыҙымды йомоп та өлгөрмәнем, төрлөсә хәрәкәттәр менән йөҙөп барғас, ҡаршылағы ярға сығып, ҡағынып алды ла, айыу шикелле алпан-толпан баҫып , ҡыуаҡлыҡҡа инеп юғалды. Күргән мөғжизәгә иҫеп китеп, сыҙамай башлаған атымды етәкләп йылғаға төштөм дә хайран ҡалдым. Кемдер йылғаны быуып ҡуйған. Стеналары шул тиклем тигеҙ, мәте-балсыҡ менән һыланған, ә төбөнән урғылып ҡына һыу ағып сыға. Бөйөк Ҡытай стенаһымы ни, үҙе бейек кенә, бер ярҙан икенсеһенә тиклем һуҙылған. Атымды һуғарып һыуҙан сығыуға, трактор менән бесәнгә китеп барыусы ауылдашым, тәгәрмәсе менән быуаның ситен емереп тә китте. Күргәндәремде тормош иптәшемә һөйләнем. "Ул йылғала ҡондоҙҙар йәшәй, ә емерелгән ерҙе һуңғараҡ барып ҡарарһың әле," - тине. Бер-ике сәғәттән йылға буйына килһәм, емерек урынды таныманым. Ҡондоҙҙар төҙәтеп, һылап та ҡуйғандар. Күпме тауыш-тынһыҙ ғына торһам да йәнлектәрҙе башҡаса күреп булманы. Ҡыҙыҡһыныуым шул тиклем көслө ине. Ҡондоҙҙар тураһында белгем килеп интернет селтәренә күҙ һалдым. Ҡондоҙ тиреһе бик ҡиммәтле икән. Үткән быуаттың башында Америкала, Европала, Рәсәй империяһында, ҡондоҙ тиреһенән тегелгән кейемдәрҙе байҙар яратып кейгән. Күпләп аулағанға күрә, улар үтә әҙәйгән. Беҙҙең Башҡортостандың Көнъяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә, ҡыҙыл китапҡа ингән ҡондоҙҙарҙың күбәйеүе күҙәтелә. Осло тырнаҡтары һәм тештәре ярҙамында ағастарҙы кимереп йыҡҡан ҡондоҙҙар" талантлы инженер"ҙар икән. Быуала төҙөгән ҡоролмаларының диаметры 10-15 метр булһа, бейеклеге бер-ике метрға етеүе мөмкин. Мин күреп хайран ҡалған быуаны ҡондоҙҙар яр буйында үҫкән талдарҙы кимереп, тәүҙә ҙурыраҡ ағастарҙы арҡыры һалып, нәҙектәре менән ситән үреп эшләйҙәр икән. Ағып килгән сүп-сар, балсыҡ араларын тултыра, артыҡ һыу быуа төбөнән, сыбыҡсалар аша аға икән. Быуа ҡондоҙҙарға йәшәү һәм дошмандарҙан һаҡланыу өсөн мөмкинлек бирһә, тыныс һыуҙа бәрҙе, бағры, алабуға һәм башҡа балыҡтар йыйыла, һыу ҡоштары осоп килә, эҫе селләлә айыуҙар рәхәтләнеп һыу инә. Был аҡыллы кейектәр быуалағы һыуҙың күләмен һәм таҙалығын даими контролдә тота. Үҙҙәренең йылғырлығы һәм үтә һиҙгер булыуҙары менән дан алған ҡондоҙ йылына ике-өс бала тыуҙыра. Тыуған ғаиләһендә ике йыл йәшәгән ҡондоҙҙар, парын тапҡас, ҡауышып, ғаилә булып йәшәй башлайҙар. Бер үк урынды ғаилә быуаттар буйы биләргә мөмкин. Быуанан өс йөҙ метр ары китмәгән йәнлектәрҙең йылға буйында өйҙәре лә бар икән. Ҡондоҙ үҫемлек ашап туйына. Тал, ҡайын, йыла ағастарын ҡайыҙлай. Кимереүселәр тураһында халыҡ араһында шундай әйтем йөрөй. "Ҡондоҙҙо үлтерһәң, ағасты ҡотҡарырһың" тигән. Әйе, ағастарҙы кимереп йыға, ләкин ҡайҙа етте шунда түгел, һөйрәп алып барып, быуа быуырлыҡ ерҙәргә туплай. Ҡайырыһын кимереп бөткәс, үҙәген быуа өсөн файҙаланалар. Бына шулай тыуған Башҡортостаныбыҙ урмандарында ниндәй генә йәнлектәр. Кейектәр, йыртҡыстар йәшәмәй, ә ҡондоҙҙо белмәгән кеше юҡтыр, әммә уның менән яҡындан осрашҡандар аҙҙыр, әлбиттә. Ә Тәбиғәт-Әсә өсөн барлыҡ тереклек тә ҡәҙерле.
“Тыуған яғың ҡайһы яҡ, тиһеңме? Ейәнсура – минең тыуған яҡ. Әле лә бит, Ейәнсурам, тиеп, Һағыштарға сумып торған саҡ...»Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортонда 8 Март – Башҡорт теле йылын тантаналы асыу уңайынан, шулай уҡ халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы, яҡташыбыҙ, күренекле шағирә Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғолованың (Ҡәҙербәкова) “Һүнмәһен ижадың шишмәһе” исемле йырлы-моңло ижад кисәһен үткәрҙек. Был матур сара шағирәнең 55 йәшлек юбилейына арналды. “Тыуған яғың ҡайһы яҡ, тиһеңме? Ейәнсура – минең тыуған яҡ. Әле лә бит, Ейәнсурам, тиеп, Һағыштарға сумып торған саҡ...» Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортонда 8 Март – Башҡорт теле йылын тантаналы асыу уңайынан, шулай уҡ халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы, яҡташыбыҙ, күренекле шағирә Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғолованың (Ҡәҙербәкова) “Һүнмәһен ижадың шишмәһе” исемле йырлы-моңло ижад кисәһен үткәрҙек. Был матур сара шағирәнең 55 йәшлек юбилейына арналды. Программабыҙ ике өлөштән торҙо. Беренсе өлөшөндә шағирәнең ҡыҫҡаса тормош юлы, ижады тураһында һөйләнелде, артабан сарабыҙҙың төп өлөшө һаналған – шиғыр һөйләү бәйгеһенә күстек. Руша апайҙың ижадында тыуған илгә, ергә, халҡына булған тәрән һөйөү, ихтирам сағыла. Шуларҙың бер-нисәһе: “Ейәнсура”, “Яңыбайым”, “Тыуған яғым”, “Һылыуҙарым”, “Туғандарым”, “Бер моңланып йырлайымсы”, “Һигеҙ бала”, “Әсәйҙәргә”, “Ғүмер юлы” исемле шиғырҙарын бәйгеселәр тамашасыларға яттан һөйләп ишеттерҙе. Бәйге музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. Автор үҙе үк жюри булып баһалап ултырҙы. Шуныһы ҡыуаныс, бәйгелә ололар ҙа, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты! Аҙаҡ еңеүселәрҙе билдәләп, уларға грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөндә яҡташыбыҙ Руша апай Солтанғолованың хөрмәтенә дәртле-моңло йырҙар, бейеүҙәр башҡарылды. Шағирәне ҡотлау өсөн ауыл биләмәһе башлығына, ата-әсәһе, туғандарына ла һүҙ бирелеп, улар үҙҙәренең матур, изге теләктәрен еткерҙеләр. Байрам уңайынан гөлләмәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, йылы мөнәсәбәтле кисәбеҙ тамамланды. Беҙ, Яңыбай ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл китапханасыһы, үҙ сиратыбыҙҙа, яҡташыбыҙ, ауылыбыҙ ғорурлығы, Башҡортостаныбыҙҙың күренекле шағирәһе булған Руша Солтанғолованың ижад шишмәһе тынмауын, һүрелмәүен, киләсәктә лә илһам шишмәләре өҫтәлеп, шиғыр һөйөүселәрҙе ҡыуандырып, тағы ла осорашырға насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ! Әлиә Ҡәҙербәкова, китапханасы. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Борон-борон заманда ярлы ғына бер бабай менән әбей йәшәгән. Улар ҡартайышып вафат булған, өс улдары тороп ҡалған, ти. Егеттәр һунар итеп көн күргән. Бер мәл өсәүләшеп урманға барғас, юлды юғалтҡандар, бер нисә көн аҙашып йөрөгәндәр. Шырпылары ла, саҡматаштары ла булмаған. Усаҡ яға алмағандар, бик ныҡ асыҡҡандар. Эңер төшкәндә урман буйында тирмә ҙурлыҡ уттың ялпылдап янғанын күреп ҡалғандар. Утты күргәс, бик ҡыуанғандар, туғандар унда өлкән ағайҙарын ебәргән. Яҡын килгәс, ул тирмә ҙурлыҡ усаҡ янында аҡ сәсле, аҡ һаҡаллы бабайҙың еҙ сыбыҡ менән усаҡты бутап ултырғанын күргән. АҘАШҠАН ЕГЕТТӘР Яҡут әкиәте – Эй, бабай, беҙгә лә ут бир әле, – тигән егет. – Аҙаштыҡ, бик ауыр хәлгә тарыныҡ. – Башта миңә ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма ҡисса һөйлә, – тигән бабай. – Шунан ут бирермен. Егет уға нимә һөйләргә икән тип баш ватҡан, ләкин бер нәмә лә уйлап сығара алмаған, тотҡан да усаҡтан утлы торонбаш алып йүгергән. Әммә бабай уға оҙаҡ йүгерергә ирек бирмәгән, тотоп алып еҙ сыбыҡ менән һуҡҡан, торонбашты тартып алған. Егет был хаҡта туғандарына һөйләп биргән. – Туҡһан йәшлек ҡарттан ут ала алмағас, юҡҡа кәпәренеп торма, – тигән туғандарҙың уртансыһы. Шунан бабай янына үҙе киткән. Бабай унан да ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма ҡисса һөйләүҙе үтенгән. Егет йәһәт кенә бер утлы торонбашты эләктергән дә йүгергән. Бабай уға оҙаҡ йүгерергә ирек бирмәгән, тотоп алып еҙ сыбыҡ менән һуҡҡан, торонбашты тартып алған. Егет башын түбән эйеп туғандары янына ҡайтҡан. – Нисек былай була инде, егеттәр? – тигән туғандарҙың кесеһе. – Һеҙ үҙегеҙҙе әҙәмгә һанайһығыҙ, ә үҙегеҙ ҡартҡа ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма бер ни һөйләй алмайһығыҙ. Ҡарт янына кинйә барған: – Эй, бабай, ут бир әле! Ҡарт башта ярым дөрөҫ, ярым уйҙырма һөйләргә ҡушҡан. Егет һис тотлоҡмайын, шартлатып һөйләргә тотонған: – Борон-борон заманда, атайым менән әсәйем тыумаҫ элек, мин еләккә барҙым, бер нисә көн аҙашып йөрөнөм, шунан йылға буйына туҡтаным. Йылғаны йөҙөп сығырға теләнем, ике ҡулым менән ике ҡолағымдан тоттом да үҙемде икенсе ярға ырғыттым. Осҡанда ҡолаҡтарым өйрәк ҡанаттары кеүек һыҙғырҙы. Йылғаның икенсе ярына осоп барып төшкәс, аяҡтарым ергә батты. Шулай ятҡанда янымдан һоро тумыртҡа осоп бара ине, ҡойроғона тотондом, ә ул мине ерҙән тартып сығарҙы. Уның менән бергә остом, ул ағасҡа ултырҙы. Ағастың һынған олоно буйлап түбәнгә тәгәрәп төштөм. Шунда мине ҡарға эләктереп алып китте. Тыуған еремдән дә матурыраҡ илгә барып эләктем. Унда аҙашып йөрөнөм, тыуған яҡҡа нисек әйләнеп ҡайтырға белмәнем. Яныма бер ҡарт килеп кәңәш бирҙе: – Һалам бөртөктәрен бер-бер артлы теҙ ҙә шулар буйлап түбәнгә, урта донъяға төш. Һалам бөртөктәре ергә тиклем етерлек булманы, һауала аҫылынып ҡалдым. Оса алмай инем, сөнки ҡанаттарым юҡ. Тундраға йылға ярындағы бер айыуҙың өҫтөнә йығылып төштөм. Айыу ҡурҡты, үкерә-үкерә урманға сапты. Һалам бөртөктәре буйлап кире үрмәләп менеп киттем, үҙ илемә ҡайтып еттем, кеше булып ҡалдым. Туғандарҙың кесеһе быларҙың барыһын да ҡартҡа бәйнә-бәйнә һөйләп биргән, ҡарт бик ҡәнәғәт ҡалған, уға ут биргән. Автор:Ә. НУХОВА. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Венера, бала хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә әсәһе мәрхүмәне иҫкә төшөрә. Әсәһе, Хәҙисә, ғүмер буйы ҡаты ҡуллы булды. Юҡ ҡына сәбәп булһа ла, Венераны, ҡустыһы Сәғит менән икеһен, стенаға һырындырып, яра торғайны. Уф, Хоҙайым! Һуҡҡылап ҡына ҡалмай, иң оятһыҙ һүҙҙәрҙе ҡушып, балаларынан, ни өсөндөр, үс ала торғайны. Венера, бала хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә әсәһе мәрхүмәне иҫкә төшөрә. Әсәһе, Хәҙисә, ғүмер буйы ҡаты ҡуллы булды. Юҡ ҡына сәбәп булһа ла, Венераны, ҡустыһы Сәғит менән икеһен, стенаға һырындырып, яра торғайны. Уф, Хоҙайым! Һуҡҡылап ҡына ҡалмай, иң оятһыҙ һүҙҙәрҙе ҡушып, балаларынан, ни өсөндөр, үс ала торғайны. Венера хәҙер үҙе ҡырҡҡа етеп килә, ҡустыһы менән ҡосаҡлашып илағанын, ҡалын ҡайыштың алмаш-тилмәш, икеһенең дә иң йомшаҡ ерҙәренә төшкәнен әле лә хәтерләй. Урамда уйнап, бысранып ҡайтһалар ҙа, әллә биш тинлек булды, стаканды төшөрөп ватһалар ҙа, ҡайыш әсәй кешенең ҡулында уйнап ҡына торҙо. Венера менән ире Солтан бына инде ун йылдан артыҡ йәшәйҙәр, бала үҫтереү хаҡында һүҙ даими сыға, еңелсә бәхәстән башлана һәм үпкәләшеп, әрләшеү, аҙналар буйы һөйләшмәү, хәл дә белешмәү менән тамамлана. Бер йыл ҡатыны менән ҡустыһы Сәғит ҡайтҡайны. Ике малай үҫтерәләр икән. Ире Солтандың балаларҙы яратып уйнауына хайран ҡалғайны. Әй, уйнанылар. Көн һайын паркка сыҡтылар, балыҡ тоторға йөрөнөләр. Шул ваҡыт Венера тәүәккәлләп ҡарарға ла ниәт иткәйне, ләкин кире һүрелде. Әлеге, мөйөшкә һырынып илаған ике бала күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуя. Әгәр балаларын ҡарай алмаһа, тыңламаһалар, нимә эшләр? Тағы ҡайыш алып ярырға тура килерме? Юҡ инде! Шул да булған тормош! Икәүһе лә бик матур йәшәп яталар. Иренең фатиры әллә ни ҙур ҙа түгел, икеһенә таман ғына. Әсәһенең балаларын ни өсөн яратмағанын Венера аҙаҡ ҡына төшөндө. Ҡустыһы менән икеһенең дә исем ҡағыҙында атаһы тигән графала һыҙыҡ тора ине. Венера аҙаҡ яҙа-йоҙа ишетеп ҡалды, уның атаһы – ошо колхоздың элекке бригадиры Уйылдан ағай, ә ҡустыһының атаһы – йәй көнө ҡаланан ураҡҡа килгән бер шофер икән. Венера теге оста йәшәгән Уйылданды йыш ҡына күргеләй ине. Уныһы хатта бер тапҡыр магазин алдында тура килтереп: “Һаумы, ҡыҙым! Хәлдәрең нисек?” – тип һорашты. Бындай мөнәсәбәтте күреп өйрәнмәгән ҡыҙ уңайһыҙланып, китте лә барҙы. Ә шулай ҙа Венераның бала табырлығы бар ине. Хатта бер тапҡыр әле училищела уҡыған саҡта уҡ бер егеткә әүрәп китеп, ауырға ла ҡалғайны. Әсәһе һиҙеп ҡалып, башын стенаға төйөп-төйөп әрләне. Уның ҡарғышлы һүҙҙәре араһында “йүнһеҙ”, “уйнаштан тыуған”, “тыума” – иң ябайҙары ине. Солтан менән өйләнешкәс тә, икеме, өсмө тапҡыр ауырға ҡалғайны. Ләкин эш араһында, йә ҡаралам, йә дауаланам, тип тиҙ генә барып, төшөртөп килде. Ә инде ире бик ныҡышҡас: “Табиптар әйтте инде, минән булмай”, – тип тегенең өмөтөн тамам өҙөп ҡуйҙы. Ире Солтан һигеҙ тулыр-тулмаҫ, эшкә сығып китте. Килеп етһә, эшкә инә торған ишек алдында бер ҡатын көтөп тора. – Солтан Мәғәфүр улы һеҙ булаһығыҙмы? – тине ул ентекләп ҡарап. – Мин мәғариф идаралығының опека бүлегенән. Әле эшләгән урынығшыҙға һеҙҙең хаҡта һорашырға килдем. Һеҙгә ыңғай баһа бирҙеләр. Эш былайыраҡ тора: Һеҙ, Солтан Мәғәфүр улы, һеңлегеҙ менән бик аралашмайһығыҙ икән. Ул әле дауаханала ята, хәле бик ауыр. Ә улы менән ҡыҙын алып, социаль приютҡа урынлаштырырға тура килде. Икеһе лә бик илайҙар, малайҙары һеҙҙе бик ярата икән. Ҡыҙы ла өйрәнеп китер ине. Бәлки алып, ҡарай алырһығыҙ? Солтан һеңлеһе Нәзирә менән бик аралашыр ине, ҡатыны Венера өнәп бөтмәй. Матур ғына итеп уйнаһалар, көнләшкән һымаҡ итә. Солтан ике уйлап торманы, ял алды ла, шунда уҡ ҡатынды “Жигули”йына ултыртты һәм социаль приютҡа китте. Барып, Нәзирәнең улы Раян менән уның һеңлеһе Гөлшаттың буҫығып бөткән йөҙөн күргәс, Солтан үҙе илап ебәрә яҙҙы. Балаларҙы ваҡытлыса тәрбиәгә алыу тураһында рөхсәт ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйғас, өйгә ҡайттылар. Гөлшатҡа бында бик оҡшаны: – Бында кемдәр йәшәй? – тип бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Ә Раян иһә, шунда уҡ: – Беҙгә йоҡларға урын булырмы икән? – тип күҙҙәрен Солтан бабайына төбәне. Ашап, ял итеп алғас, өсәүләшеп паркка сыҡтылар, магазинға кереп, китаптар һатып алдылар. Балалар менән уйнау Солтандың үҙенә лә оҡшап ҡалды. Кисен Солтан ашарға бешереүгә, Венера ҡайтып керҙе һәм балалар ботинкаларын күреп, аптыраулы ҡарашын иренә төбәне: – Кемдәр килде? – тип ҡаты ғына өндәште. Солтанға барыһын да аңлатып бирергә тура килде. Венера, итеген дә сисеп тормай, төпкә үтте һәм балаларҙы күргәс: – Кеше балаһымы? Юҡ, кәрәкмәй! – тине. – Венера, көтөп тор, саҡ ҡына һөйләшәйек! – тип ире уны туҡтатып ҡараны. – Һөйлә, һөйлә, тыңлайым! – тип шифоньерҙа соҡона башланы. Сумаҙанын һөйрәп сығарҙы. – Бәлки улар оҙаҡ тормаҫ. Күп булһа, ике-өс аҙна. Әсәләре һауығып сыҡҡас та, ҡайтырҙар, – тип өмөтһөҙ генә мөңгөрләне Солтан. – Ике-өс аҙна ғына... Бәлки ҡайтыр, – тип үсекләне ҡатын икенсе сумаҙанды алып, кейемдәрҙе тултырғанда. Солтан аптыранып балалар янына төпкө бүлмәгә үтте. Ҡыҙ менән малай ҡосаҡлашып илайҙар ине. – Солтан бабай, һин беҙҙе детдомға илтеп бирәһеңме? – тине күҙ йәштәре аша өлкәне илай-илай. – Юҡ. Икегеҙ ҙә ошонда йәшәйәсәкһегеҙ! – тине йомшаҡ ҡына итеп Солтан. Оҙаҡламай, ишекте шартлата ябып, Венераның сығып киткәне ишетелде. Шулай итеп, аралар өҙөлгән һымаҡ булды. Венераның ошо подъезда әхирәтте йәшәй. Ҡатын ара-тирә шылтыратып, иренең һәм балаларҙың хәлен белешеп торҙо. Солтан тырышып ҡарай икән. Малайы беренсе класта уҡый, ҡыҙыҡайы балалар баҡсаһында йөрөй. Өҫ-баштары ҡараулы. Опека бүлегенән килеп, һорашҡандар, бик ҡәнәғәт ҡалғандар. Етмәһә, икеһенә лә бер ыңғай шифаханаға юллама алып биргәндәр. “Солтан үҙе ҡабаланып йөрөй, хатта йәшәреп китте”, – тип йәнен көйҙөрҙө әхирәте. Хатта бер мәл Венера, әллә ҡайтайыммы, тип уҡталып та ҡуйғайны. Икеле-микеле йөрөй торғас, йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Венера төңөлдө. Кәрәк булһам, килеп алыр әле, тип ҡул ғына һелтәне. Улар көтмәгәндә осрашты. Баҙарға сығам, тип Венера парк аша үткәйне, ҡараһа, Солтан теге ике бала менән ҡайҙалыр ҡабаланып үтеп бара. Венераның эргәһенән бер йәш кенә ауырлы ҡатын шат йылмайып тегеләр яғына атлай. Уны күреп ҡалғас, малай менән ҡыҙ: “Әсәй, әсәй килә!” – тип ҡаршыһына йүгерҙеләр. Теге ҡатын: “Эй, минең бәләкәстәрем!” – тип ҡулдарын йәйеп, балаларға табан талпынды. Шул ваҡыт Солтан уны күреп ҡалып, иҫәнләште лә: – Әллә күпме шылтыраттым, алмайһың. Беҙҙең айырылышыуҙы рәсмиләштереп ҡуйырға кәрәк, – тине. – Ә был ҡатын кем? – тине Венера уҫал ғына. – Никах уҡыттыҡ, балаларҙың әсәһе үлде бит. Бер үҙемә ауыр булыр, тип өйләнергә тура килде. Хәҙер бына өсөнсөһөн көтәбеҙ. – Ә балаларҙың әсәһе ҡайҙа? – тип төпсөштө һаман Венера. – Һин сығып киткәс, бер аҙна ла үтмәне, үлде ул. Һеңлемде ерләргә тура килде, – тине ҡайғылы ғына төҫ менән Солтан. – Балаларҙың икеһен дә үҙемә яҙҙырҙым. Ә үҙең нисек? Венера өндәшмәне. Ауырлы ҡатындың малай менән ҡыҙҙы етәкләп килгәнен күреү менән, шәп-шәп атлап, китеп барҙы. Ф. Ильясова Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан https://henek.rbsmi.ru/articles/common_material/KEShE-BALA-I--Yu--K-R-KM-Y--Hik-y-429885/ Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Мәскәү милләттәр йортонда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерт үтте. Байрам Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән ойошторолдо. Сарала сәләмләү һүҙе менән Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар берлеге етәксеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Хурамшин, Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Шамил Тикеев, Мәскәү милләттәр йорто директоры урынбаҫары Александр Пономарь сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенән. Артабан Мәскәүҙә уҡыған студенттарға уҡыуҙа һәм фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегендә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаттары дипломдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Улар араһында – Эльвина Кәлимуллина, Гөлфиә Ҡылысова, Гүзәл Хәмиҙуллина. Кисәнең музыкаль өлөшөн һигеҙ йәшлек пианиносы Арыҫлан Мөхәмәтғәлиев асып ебәрҙе. Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты быйыл Ф.Шопен исемендәге Мәскәү музыка мәктәбенә уҡырға ингән. Концертта күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр Башҡортостан яҡташтар берлегенең үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны. Улар иҫәбендә – Нәзирә Байегетова етәкселегендәге «Алтынай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Шулай уҡ Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған егеттәр берләшеп, ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән. Концертта улар ҙа сығыш яһаны. Сараны Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова, йәш, әммә популярлыҡ яулап өлгөргән йырсы Рэдик Ефремов дауам итте. Концерттан бер көн алда Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә тантаналы сара үтте, унда Рәсәй Президенты Хакимиәтенән почетлы ҡунаҡтар, Сыуашстан Республикаһы, Ингушетия, Татарстандан вәкилдәр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары, Башҡортостан яҡташтар берлеге ағзалары ҡатнашты. Автор:«Башинформ» | Александра Оганян фотолары Теги:яҡташтар берлеге Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Үткән йома Ҡариҙел районында республикалағы беренсе смарт-китапхана асылды. Уны асыу тантанаһы “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” мәҙәни форумы ултырышында РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡатнашлығында үтте. Үткән йома Ҡариҙел районында республикалағы беренсе смарт-китапхана асылды. Уны асыу тантанаһы “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” мәҙәни форумы ултырышында РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡатнашлығында үтте. Был смарт-китапханаға милли колорит хас. Китапхананы яңыртҡанда уның интерьеры ғына түгел, китап уҡыусылар менән аралашыу форматы ла үҙгәртелгән. Ҡәҙимге уҡыу залы менән абонемент урынына маҡсатлы зоналар барлыҡҡа килгән: ял һәм аралашыу зонаһы, балалар зонаһы, йәштәр зонаһы, әҙәби кафе, «Экспериментаниум» музейы, театр студияһы, фото-видео студияһы, диспуттар һәм конференциялар үткәреү, Милли электрон китапханала мәғлүмәт эҙләү өсөн конференц-зал йыһазландырылған. Китапхана залдарын һәм экспонаттарҙы һаҡлаусы аҡыллы планшетты уҡыусылар менән хеҙмәткәрҙәр “Нәнәй” тип атаған. Китапхананың фонды балалар һәм өлкәндәр өсөн 4000-дән ашыу дана яңы китап һәм журнал баҫмаһы менән тулыландырылған. Аҡыллы китапхана “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Көтөлмәгәндә булды осрашыу Аса алмай ҡалдым тик йөрәгемде. Унда дөрләй усаҡ бик тә ҡыҙыу, Ҡараштарың тынғы бирмәй күңелгә. Йылдар, айҙар үтһә лә, Тағы осратыу өмөтө һүнмәне. Йылдар, айҙар үтһә лә, Күҙҙәрем һинең күҙҙәрҙе эҙләне. Күңелдәр ирей наҙлы ҡараштарҙан, Тән йылыңды ҡосағымда тойоу рәхәт. Күңелдәр ирей беҙ бергә булғанда, Төн килтерер йәнебеҙгә иң ҙур ләззәт. Яныңда ҡалһам ялҡында янам, Ирендәрең ниңә һуң шундай ҡайнар?! Яныңда ҡалһам ялҡында янам, Һиңә булған хистәрем утҡа һала. Ялҡында янам! Яҙғы көндәр ҡауыштырҙы беҙҙе, Һөйөү уты көтмәгәндә тоҡанды. Ғүмрем буйына көткән яҙмышым, Ҡаршылайыҡ бергә атҡан һәр таңды Йәндәр йәнгә тартылһа Йөрәктәр һөйөү сатҡылары һибә. Тәндәр тәнгә ҡағылһа Ул сатҡылар ҙур ялҡынға әйләнә. Яңы йыл төнөндә (feat Aiguzel) RUZiT Ай ҡыҙы RUZiT 1 куплет Осраштырҙы беҙҙе йәмле йылы йәй, Күңелем шул минуттан тынғы белмәй. Йылмайыуың тирә-яҡты яҡтырта, Ҡарашыңдан бар гөлдәр сәскә ата. . Ҡояш нурҙарына сумған бар донья, Наҙлы елдәр сәстәреңде тарата, Кескәй ҡулдарыңды алып усыма Шыбырлайым мин бәхетле һин аңла. . Һинең менән ҡыуанам яңы тыуған көндәргә, Һинең менән бәхетле бергә булған мәлдәрҙә, Һинең менән әҙермен тормош юлын үтергә, Һинең менән, йәнем, тик һинең менән, йәнем. . Ҡушымта (2 тапҡыр) Башым әйләнә һиңә булған тойғоларҙан, Һиндәй һылыуҙы таба алмам мин бер ҡасан. Миңә кәрәкмәй үрелеп алыу йондоҙҙо, Һин бит минең ай ҡыҙым. . Ай ҡыҙы, ай ҡыҙы, Һин бит минең ай ҡыҙы, ай ҡыҙы... . 2 куплет Көтөп алынған йондоҙло сихри төн, Икәүҙән икәү генә ҡалдыҡ бөгөн. Ҡосағыма алам һине һаҡ ҡына,a Йөрәгем тибешен яҡындан тыңла. Кескәй иңдәреңә саҡ-саҡ ҡағылам, Йән тыныслығы яндарыңда табам. Сәстәреңдең хуш еҫтәрен һулайым, Ғашик булыуымды шунда аңлайым. . Һинең менән ҡыуанам яңы тыуған көндәргә, Һинең менән бәхетле бергә булған мәлдәрҙә, Һинең менән әҙермен тормош юлын үтергә, Һинең менән, йәнем, тик һинең менән, йәнем. . Ҡушымта (2 тапҡыр) Башым әйләнә һиңә булған тойғоларҙан, Һиндәй һылыуҙы таба алмам мин бер ҡасан. Миңә кәрәкмәй үрелеп алыу йондоҙҙо, Һин бит минең ай ҡыҙым. . Ай ҡыҙы, ай ҡыҙы, Һин бит минең ай ҡыҙы, ай ҡыҙы... Мин килдем RUZiT 1 куплет Күҙҙәреңде хәтерләтә Күктәге серле йондоҙҙар. Хыялдарым һиңә илтә Булһа ла урау ҡатмарлы юлдар. Уйҙарымда ишегеңде асам, Яҡты йөҙөң балҡый ҡаршымда. Һин һағынғаң, мин дә һағынғам, Иретермен ҡайнар ҡосағымда. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем! . 2 куплет Таң яҡтыһы һыҙылғанда Күҙәтәм татлы йоҡоңдо. Икебеҙ төрлө булһаҡ та Уртаҡ шул уйҙар, уртаҡ шул тойғо. Һиңә булған мөхәбәт сафлығы Йылдар ағымына бирешмәҫ. Һин һаҡларһың, мин дә һаҡлармын Беҙгә яҙмыш биргән матур хисте. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем!
Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, йоғошло сирҙең төп таралыу урыны – ғаилә һәм кешеләр күп йыйылған урындар. Мәҫәлән, хәрби коллективтар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, ҡарттар йорттары, психоневрологик диспансерҙар, һәм, әлбиттә, яза башҡарыу хеҙмәтенә ҡараған структуралар. Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, йоғошло сирҙең төп таралыу урыны – ғаилә һәм кешеләр күп йыйылған урындар. Мәҫәлән, хәрби коллективтар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, ҡарттар йорттары, психоневрологик диспансерҙар, һәм, әлбиттә, яза башҡарыу хеҙмәтенә ҡараған структуралар. Сирҙең икенсе һәм өсөнсө тулҡындарын көтөү урынлымы? Был һорауға РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш эпидемиологы Николай Брико былай тип яуап бирә: “Коравирустың төп таралыу юлдары булып урындағы беренсел һәм икенсел йоғоу осраҡтары иҫәпләнә, – ти баш эпидемиолог. – Сир таралыу юлы булып инфекция сығанаҡтары, ә таралыу майҙаны булып илдәге ҡалалар тора. Тәүге осорҙа беҙ йоғошло сирҙең ситтән индерелеүенә кәртә ҡуйырға тырышһаҡ, хәҙер ундай мөмкинлек юҡ. Сөнки эпидемия үҫештең юғары фазаһында нығынды һәм дауаханаларҙа ғына көрәшергә ҡала. Эпидемиолог шулай уҡ COVID-19 өсөн инкубация осоро ике көндән егерме көнгә тиклем артыуын яңылыҡ булараҡ билдәләне. Рәсәй өсөн иң төп үҙенсәлек булып шул тора – беҙ Ҡытайҙан сирҙең тулҡын булып килеүен иҫкәртә алдыҡ. Ләкин, шул уҡ ваҡытта, Европа йүнәлеше беҙҙең күҙ уңынан төшөп ҡалды. Шул сәбәпле, COVID-19 беҙҙе күпселек осраҡта көнбайыштан зарарланы”. Йоғошло сирҙең Рәсәйгә килеүенә ҡарата Роспотребнадзорҙың үҙ ҡарашы бар. Бөгөн, мәҫәлән, Роспотребнадзорҙың етәксеһе Ольга Попова COVID-19-ҙы әлегә тулыһынса туҡтатып булмай, тип иҫәпләй. Рәсәйҙә дауаханаға эләгеүселәрҙең 20 проценты ғына сирҙе ил эсендә йоҡторған. Улар бары тик сит илдән ҡайтҡан кешеләр менән бәйләнештә булған. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге ваҡытҡа Рәсәйҙә 134 меңдән ашыу сирле теркәлгән. Ә апрель башынан барлығы 1280 кеше үлгән. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Бер көн танышым бик хафаланып шылтыратты: “Зәүхиә апай, кинәт инсульт һуҡмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк тигәйнең әле? Әллә нисә тапҡыр аңлаттың да ул, көндәлек ығы-зығы менән баштан сыҡҡан. Беҙҙең эштә күрше бүлектә компьютерҙа эшләп ултырған 30 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе инсульт һуҡты. “Ашығыс ярҙам” саҡырҙылар, тик ҡотҡара алманылар. Минең дә эш шундай, көн буйы компьютерҙа баш күтәрмәй эшләйем. Ҡайһы саҡ көс-хәлгә ҡайтып ауам, отчет биргән көндәрҙә тормайынса эшләйем, тигәндәй. Әле иһә ҡотом осто. Йәштәр ҙә үлгәс, беҙгә ни ҡала?” – тип хәбәрен теҙҙе ул. Ысынлап та, хәүефләнерлек шул. Яңыраҡ ҡына өйләнгән, дәртләнеп, “донъя көтәм, балалар үҫтерәм” тип йәшәп ятҡан, эшләп йөрөгән кешенең ҡапыл ғүмере өҙөлөүе – тетрәндергес хәл. Ғаиләһе алдында ла, уны уҡытҡан, тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһе алдында ла бурыстары үтәлмәгән, рәхәтләнеп үҙаллы тормошта йәшәп тә өлгөрмәгән йәш ғүмер тураһында һүҙ бара бит. Иң аяныслыһы – бындай хәлдәр йыш була башланы. Яңыраҡ тағы ла шаҡ ҡатырырлыҡ хәбәрҙе ишетеп хайран ҡалдыҡ: 11 йәшлек ҡыҙҙы инсульт һуҡҡан... Был ниндәй заман, кем ғәйепле? Нисек сәләмәтлекте һаҡларға, һаулыҡ тураһында хәстәрлек күрергә? Ошо һорауҙарға яуапты тапмаһаҡ, ул инсульт көтмәгәндә, барлыҡ пландарҙы емереп, килеүе ихтимал. Шуға ла һеҙгә “Инсульт, туҡта!” акцияһын башлап ебәрергә тәҡдим итәм. “Был проблема миңә ҡағылмай”, тип уйламағыҙ, сөнки был ҡурҡыныс сирҙе иҫкәртеү еңелерәк, ә дусар булғас, бәләне йырып сығыу үтә ауыр, ҡайһы берҙә мөмкин дә түгел. Бығаса ҡулдан килгән тиклем күптәргә инсульттан һуң реабилитация ваҡытын уңышлы үтергә ярҙам иттем, әле лә тырышам. Үҙем иһә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәйем. “Инсульт нимә ул?” тигән һорауға яуап яҙып ваҡыт үткәрмәйек – ул барыһына ла мәғлүм. Нисек уның тоҙағына эләкмәҫкә тигән һорау билдәләйек тә шуға яуап эҙләйек. Хәҙер бөтә ерҙә эш компьютерға көйләнде. Хатта пенсионерҙарҙы ла өйрәтеүсе курстар бар. Бала-саға әле ауыҙ асып һөйләшә белмәй, әммә компьютер күрһә, күҙҙәре янып китә, ҡулдарын һуҙып, үрелә башлай. Әлеге ваҡытта бөтә мәктәптәр, уҡыу йорттары компьютер аша онлайн-уҡыуҙарҙы ойошторғанын, кешеләрҙең компьютер аша ситтән тороп эшләгәнен дә яҙһаҡ, тормош тулыһынса ошо техникаға бәйле икәнлеген йәнә асыҡ күрәбеҙ. Әммә тап ошо уңайлы ғәмәл арҡаһында кешеләрҙең бик күп сиргә дусар буласағы тураһында егерме йыл самаһы элек “Мосолман календары”нда уҡыған инем. Һанап киткән сирҙәр араһында инсульт та бар ине. Компьютерҙа эшләгәндә ғүмер­ҙең берәү генә икәнлеген иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шуның өсөн бар донъяны онотоп, уның эсенә инеп китеп, үҙеңә иғтибарҙы юғалтырға ярамай. Ниндәй генә яуаплы эш булмаһын, нисек кенә ваҡыт етмәһен, иҫәнлек-һаулыҡ бары­һынан да өҫтөнөрәк ҡуйы­лырға, нисә йыл эшләһәк тә, компьютер беҙҙең ғүмерҙе ҡыҫҡартмаҫҡа тейеш. Онотмағыҙ: беҙ хатта компью­терҙа ултырып эшләгәндә лә организмдағы барлыҡ процестар – тарҡалыу, бүленеү, ҡан йөрөү, лим­фаларҙағы хәрәкәт һәм башҡалар дауам итә. Бигерәк тә лимфа системаһы көсөргәнешле эшләй. Уның буйлап туҡтауһыҙ үтә күрен­мәле шыйыҡса аға, уға ғәләмәт яуаплы бурыс “йөкмәтелгән”. Был процесс беҙ ҡушҡан йә теләгән режим буйынса эшләмәй, ә секунд һайын бара, организмдағы күҙәнәктәрҙе таҙартып, токсиндарҙы сығарып тора. Әгәр ҙә беҙ компьютер алдында һыу эсмәйенсә өс-дүрт сәғәт ултырһаҡ, беҙ был процесты боҙабыҙ. Бөйөк табип Әбүғалисина былай тип яҙған: “Тәнеңдә бысраҡ һыу йыйма, торғонлоҡ башлана”. Һыу эсмәү генә түгел, хәрәкәт­ләнмәйенсә сәғәттәр буйына ултырыуҙы ла ҡушһаҡ, бик күңелһеҙ хәлде күҙ алдына килтерергә була, ул саҡта был торғонлоҡ әллә нисә тапҡырға арта. Ә бит хәрәкәтләнеү шулай уҡ лимфаларҙың, ҡан юлдарының тотороҡло эшләүен тәьмин итә. Шулай итеп, эшләгән ваҡытта һәр сәғәт һайын һыу эсеп торорға кәрәк. Һыуҙың температураһы тән­декенән 3-4 градусҡа юғарыраҡ булырға тейеш, сөнки һалҡын һыу эсһәк, үҙебеҙгә зыян ғына яһайбыҙ, организмдағы процестарҙы яйла­табыҙ. Ә һыу эскән һайын (йышыраҡ булһа тағы ла шәп), нисек тә яйын табып, мускулдарҙы хәрәкәтлән­дереп торорға тейешбеҙ. Был йәһәттән өйҙә дистанциялы шарттарҙа уҡыған балаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, бер дәрес бөттөмө, йылы һыу эсереп, хәрәкәтләнеп алыуын тәьмин итеү фарыз, сөнки коронавирустан һаҡлайбыҙ тип, инсультҡа еткерергә ярамай. Шулай итеп, тәндә торғонлоҡ булдырмау өсөн, организмды таҙа һыу менән тәьмин итеп тороу кәрәк. Бәғзеләр “эшләгән урында һыу юҡ” тигән аҡланыу таба. Булмаһа ни? Тимәк, һаулығыңды үҙеңә ҡайғыртырға ҡала. Термос һатып алығыҙ, көн һайын йылы һыу йөрөтөгөҙ, тип кәңәш итер инем. Үҙемә килгәндә, эшкә термоста бер литр ҡайнар һыу алып барам, тағы бер литрҙы пластик бутылкала килтерәм, эштә йылытып эсәм. Һыуһыҙ ерҙә эшләй икән, тип уйламағыҙ: крандағы хлорлы һыуҙы ҡулланғым килмәй. Ә хәрәкәтләнеүҙе нисек тә яйларға һәм көйләргә кәрәк. Балалар менән аңлашыла, улар тороп йөрөй ала, ә эштәгеләргә ни ҡылырға? Баш ҡалҡытырға ла ваҡыт юҡ бит! Иң ныҡ торғонлоҡ ҡултыҡ аҫтында башлана. Ундағы лимфалар ҡыҫыла, таҙарынмай башлай. Был – бик ҡурҡыныс күренеш. Уйланығыҙ, яман шеш кеүек алама сирҙәр ошонан башлана ла! Лимфалар таҙарына алмай башлаһа, унда сир үрсей, бактериялар көсәйә. Тимәк, беҙ сәғәт һайын тигәндәй туҡтап, ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, яурындарҙы ҡуҙғатҡылап, ҡалаҡ һөйәктәрен алға -артҡа ирекле хәрәкәтләндереп алырға тейешбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр ,“эштә уңайһыҙ”, тиҙәр. Ул турала бөтөнләй уйламағыҙ, башҡалар ҙа һеҙгә эйәреп эшләй башлар. Иң мөһиме – лимфаларҙа хәрәкәт булһын. Бына ошо урында тағы бер бөйөк табиптың һүҙен иҫкә төшөрәйек. “Ҡайҙа эрен – шунда таҙарт”, – тигән Гиппократ. Был хәл инсульт менән нисек бәйле һуң, тип уйлайһығыҙҙыр. Һыу ағып ятҡан оҙон шлангтың бер урынынан ҡыҫып, хатта еңелсә генә бәйләп ҡуйһаҡ, нимә була? Һыу ағыу бөтөнләй туҡтай йәки әкренәйә, шланг эсендә һыу әсей, тоноҡлана, тәмһеҙләнә башлай. Беҙҙең тәндә лә шулай. Ә бит компьютер янында ултырғанда баш бөтә көсөн егеп “эшләй”, уға кислород, ҡан, витаминдар өҙлөкһөҙ килеп торорға тейеш. Ә муйындың хәрәкәтһеҙ ултырыуы арҡаһында ҡан йөрөү насарайһа, ойошһа, эштәр харап. Башҡа туҡланыу етмәй, лимфалар эшмәкәрлеге насарайғанға торғон­лоҡ башлана, ҡан үтә алмай, ә хужаның баш күтәрергә лә ваҡыты юҡ. Ошоно ваҡытында һиҙеп, йылы һыу эсеп, башты ҡалҡытып, лимфаларға ярҙам итеп ебәрһәк ине. Хатта тороп муйынды ышҡып, башҡа массаж яһарға тәҡдим итәм. Ниндәй массаж тип ҡыҙыҡһынһағыҙ, Интернет селтәрендә “Һиндостан­дың баш массажы” тип эҙләп, видеоларға күҙ һалырға тәҡдим итәм. Уны һәр кем үҙенә яһай ала. Унан тыш, иңдәребеҙҙе, устары­быҙҙы ышҡылап, ҡулдарыбыҙҙы әле береһен, әле икенсеһен күтәреп, еңелсә генә күнегеүҙәр яһап ебәрһәк ине. Бер ҙә тора алмағандарға мин сәғәтенә бер тапҡыр биш минут булһа ла ике хәрәкәт яһарға тәҡдим итәм. Башты өҫкә һәм алға табан һелкәбеҙ: “эйе-эйе”, шунан “юҡ-юҡ” тигән һымаҡ уңға-һулға табан барабыҙ. Тик һис кенә лә башты муйын тирәләй әйләндерергә кә­рәкмәй: улай итеү зыян килтерергә мөмкин. “Быуын ысҡынған” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Был осраҡта ла муйында быуын ысҡыныуы ихтимал. Муйындағы тамырҙарҙың ҡы­ҫылыуы, унда торғонлоҡ барлыҡҡа килеүе беҙҙең организмға ҙур зыян килтерә. Муйын һөйәгендә бүҫер, протрузия барлыҡҡа килеүе, уның ҡыйшайыуы, күҙҙәрҙең насар күрә, ҡолаҡтарҙың насар ишетә башлауы, баш шауы, ҡалаҡ һөйәгенең ҡатып, ҡулдарҙың күтәрелмәй башлауы – бәләһе күп. Шулай ҙа иң ҡурҡынысы – инсульт! Баяғы һыу ағып ятҡан шлангтың өҫтөнә ауыр таш һалып ҡуйыу менән сағыштырығыҙ. Ул саҡта нимә була? Күпме генә тырышһаҡ та, һыу һибә алмаясаҡбыҙ. Баш менән дә шулай: ҡан тамырҙары ҡыҫылмаҫҡа, торғонлоҡ булмаҫҡа тейеш. Бына шулай ҡыҫҡаса ғына ҡур­ҡыныс сирҙе булдырмау тураһында ҡайһы бер ысулдарҙы яҙҙым. Берҙән-бер ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып эшләүебеҙ өсөн фәҡәт үҙебеҙ генә ғәйепле, шуға сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлыраҡ булһағыҙ ине. Автор: Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/insult-buldyrmau-y-ser-re-bar/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Һарытау өлкәһендә шәхси иғлан фото Менән таныш, һәм башҡа бушлай теркәйОнлайн-сервис танышты, һарытау өлкәһе Өсөн етди мөнәсәбәттә. Һарытау өлкәһендә осраған яңы тәҡдимдәр Менән иғландар бушлай шәхси иғландар таҡтаһы. Башҡа фотографиялары беҙҙең ир-егет Ҡатын-ҡыҙ менән бушлай таныша Иғлан таҡта аралашсы һәм тәҡдим Һарытау өлкәһе. Интернет файҙаланыусылар өсөн беҙҙең сервис-Беҙ һеҙҙең эҙләү өсөн уңайлы Мөмкинлек бирә, икенсе половинка тырыша Танышты, шулай уҡ башҡа серви... Ч Тирә-яҡ: 18 Аноним Ч - скачать Өҫтәмә Ч уянһа, эргәһендә баҫып бара Эҫе незнакомец просыпается, чатта поболтатьБарыһы ла-Инклюзив. Ауыр һәм күңелле һүрәттәр наклейка Һәм инопланетяне. Ниндәй пароль, бер бүлмә ҺӘР ТЕСТ ӨСӨН. Теләге булған һәр ч йәшерер өсөн. Шәхси йәки төркөм әңгәмә күберәк белә. Шул уҡ төндә һиңә йоҡларға теләмәй. Чатта асыҡтан-асыҡ һөйләшә башлап, Тирә-яҡ, мөмкин бушлай скачать Һәм кушымталар ҡулланыу. Беҙ шулай уҡ өҫтәмә яҙылған Пакет тәҡдим итә.Премиум яҙылыу шарттары менән х... Yann Piette, Унда яҡшы егет менән осрашты Шуға ҡарамаҫтан, мөмкин булмаҫ ине тип уйлайым, етди егет булыу йәки булмау өсөн һеҙ ерҙә түгел егеттәр, һәр ерҙә улар абсолютБыл ябай түгел, тип, һеҙ тәртипле һөйләшеп килгәндә, шул саҡта, улар һеҙҙең өҫтәмә туҡтап таныштырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп проблемалары булып тора, тигән фекерҙә улар танышырға мөмкинлек биргән ир-егет итеп түгел, улар менән һөйләшке килә тарихы һәм улар менән матур йәшәргә теләй ине. Кешеләр осратҡаны өсөн, улар туранан тура ике әйбер: беренсеһе-өҫтәмә яһаны был... Менән таныша YouTube Ғаилә яҡынлығы"- кесаҙна Сара ваҡытында уҡыу йәш Баратзаде Саида Кари"Ҡөрьән менән таныштыра"декламатор икенсе бөтә донъяға билдәлеМин бөгөн ғаилә темаһын фильм менән шөғөлләнә. Ни өсөн ул шулай тип таныштыра һәм күҙәтеү һәм сериал өсөн бигерәк тә мөһим роль уйнай. Мин кешеләр билдәләргә, ниндәй яҡынһың һин. Бөгөн һин аңлата Мейер Джойс, тип тулы ышаныс һәм тәрән һәм вера худайға. Һаман бер нәмә лә лилль теләйем I: i үҙем оҙаҡ асыу өсөн тәүге сәғәт менән һөй... Чатта теркәү бушлай булғас, бер Бына һылтанмалар ч Chat-Free - Page All был популяр яңы People, улар сингл мил мин табырмын, бәлки, һеҙ күрмәгән һуң бында бушлай теркәлгән, баҙарҙа һәм башҡа бушлай берҙәм теркәлгәнУникаль булып теркәлгән Түләүһеҙ бушлай ч урынлы ҡулланһа, Төп Ваҡыт ярҙам төрө Инә. Ч, флирт, башҡа бушлай йәки партнеры чат мөмкинлектәре урынлы һылтана. Һеҙ теркәлә алаһығыҙ аралашып торабыҙ. Һеҙ бында бер ваҡыты менән сәғәт бөтә ч табып, Флирт, хәҙер бушлай ҡушыла. Яңғыҙ һәм һе... Менән осрашыу Донецк өлкәһе Ҡыҙы - ҡыҙ Менән танышырға Интернет 40 йылда 50 ир-егет Менән таныштым талаптар: береһе-төрмә түгел, ир-Егеттәр шылтыратаМин ғаиләмде бик етди булыуын Теләйем, с йәкшәмбе ял паркы Буйынса, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем, Мин хыялый мин яратҡан кешеләрем Менән бергә п нормаль һәм Романтиктар, һәр ваҡыт минең менән Күп идеялар гениаль. Миңә изге, яғымлы, нескә күңелле, Романтик фильмдар иң түләү, Дөрестен Лю, изге күңелле, тырыш. Мин үҙем яратҡан йорт хайуандары, тәбиғәте. Бала теләйем һәм минең ғаиләм <... Мин принциптар Буйынса йәшәү Мин принциптар Буйынса йәшәү, Көн дә Йәшәп булмай Инеме ни Һеҙ, иң Мөһиме, һеҙ Ни булһа Ла көнөнә инеҺәр ерҙә Һәм һәр Ваҡыт бөтә Һылтанма аша Мин тырышам, Бер кем сыҡмай. Әммә мин Үҙемдең тормош Ашыу ваҡыт Тыныс ритмда Үҙгәртә алаһығыҙ, Ләкин был Бик һирәк Була иллинойс Һәм оҙаҡҡа булманы. Һеҙ бында Бөтә башҡа Төбәктәр менән Файҙаланыусы теркәлгән Бушлай ҡарай ала. Сайтта теркәлеү, Һеҙ кешеләр Менән аралашыу Мөмкинлеге бирә, Иллинойс йәшәүе Ул төбәктә Генә түгел, Ә башҡа Райондар һәм т... Аноним ч, Юлдаш менән Аралашыу, таныш Кешеләр Һәр ставка ҡаралған,- тип һатып, Шуның өсөн Һеҙ-н ставканан Һайланып алынды осоро менән һуңғы Ваҡыты оҙайтылдыСифаты-төп битендә һеҙ күренекле Шәхестәрҙең барыһы ла бар, хатта Әгәр һеҙ автономиялы режимға урынлашҡан. Ниндәй эләкһә һинең менән һөйләшергә мөмкин. Интим контент йәки непристойный, шулай Уҡ башҡа мессенджер барырға саҡырыр Телеграмма, ВК һ. б., аватар һеҙ тыйылған, ә Һеҙ баҫыуҙарҙы тураһында, әгәр һеҙ Үҙегеҙҙең аккаунт переключатель юғары түгел Тип билдәләне. Был ҡағиҙәләрҙ... Сайтында Танышырға була Рулетка буйынса Видеочат Лиза тигән мәҡәлә Менән башлана Ошо темаға мәҡәләрҙең йыш ҡына Башҡа был йортта еҫе эшләү Өсөн: ҡамыр өсөн файҙаһы тураһында Мокрая ҡыҙыДөрөҫ партнер һайлауға һәм тәрбиәсе Булараҡ түгел менән танышты йөклө Әгәр һеҙ сайтында мәғлүмәт урынлаштырылған Ялланып гувер инглиз теленән үҙ Белемен, кәрәк булған һеҙ уларҙың Һеҙгә биография тип, артыҡ етди Булған мөнәсәбәттәрҙе рулетка сайтында гарантия Шул ч аша индерелгән. Ваҡыт етә башлағас, кешеләр аңламаҫ, Тип, күберәк етди мөнәсәбә... Танышыу Яңы кешеләр Менән танышыу - идеаль кешеләр өсөн яңы Урын Канада был, булыу-булмауға Ҡарамаҫтан, һеҙ эҙләсе: аралашып, шатлыҡ, Мөхәббәт йәки хатта флиртКүп илдә була, ә булған Канада, ҙур территориялар булыуын ғына Түгел, ә ике төрлө холоҡло. Юҡһа латин кварталы төндә француз Дуҫтары менән йәнлелек күсеп йәки Яңы сағыу очарование монреаль. Антикварный магазин-кибеттәр торонто ҡалаһында Өсөн бергә йөрөй инек ни Күп түгел, көнөм өсөн романтик Киске ҡояш байыу менән тамамлана Бистро ә һуңынан ғибрәт йәки Си-Эн Тауэ... Manner Ehe deutsche Partnermittlung und fur - халыҡ-ара веб-сайтында танышырға Druzhba: એક ડેટિંગ સાઇટ છે જ્યાં તમે чатта теркәлергә рулетка менән ҡыҙы 18 таныш булмаған ҡыҙым теркәлгән өсөн видео фото ҡыҙы менән бушлай видео чат шунда таныштыҡ. чатта теркәлергә рулетка башҡа 18 чатта аралашыу рулетка таныша 18 ҡыҙы менән бушлай видеочить эротическое видео чат видеочивать теркәлгән онлайн
Мәғлүм булыуынса, республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан Һуғышында оло еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау, һуғышта ҡатнашҡан үлемһеҙ һалдаттарҙың, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү маҡсатында масштаблы сара – “Шайморатов вариҫтары” (“Шаймуратовцы”) халыҡ проекты старт алды. Мәғлүм булыуынса, республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан Һуғышында оло еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау, һуғышта ҡатнашҡан үлемһеҙ һалдаттарҙың, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү маҡсатында масштаблы сара – “Шайморатов вариҫтары” (“Шаймуратовцы”) халыҡ проекты старт алды. Ойоштороусылар – Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республика райондарының һәм ҡала округтарының хакимиәттәре, БР-ҙың Милли музейы, республиканың Хәрби дан музейы, йәмәғәт, ирекле һәм милли-мәҙәни ойошмалар. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы СССР дәүләт оборона комитетының №894 ҡарары менән 1941 йылдың ноябре - 1942 йылдың мартында ойошторола. БАССР ресурстары ярҙамында комплектациялана һәм аттарға эйәр-өпсөн дә әҙерләнә. Тәүге составында 3823 кеше була. Башҡорттар – 81 %, татарҙар – 14,5 %, урыҫтар – 3,3 %, башҡа милләт вәкилдәре – 0,7 %. Яугирҙәр 275-се, 294-се, 313-сө кавалерия полктарына, 101-се атлы артиллерия дивизионына, 112-се айырым зенит батареяһына бүленә. Башҡорт кавалерия дивизияһының күп яугирҙәре 1942 йылдағы, 1943 йылдың башындағы аяуһыҙ һуғыштарҙа ил именлеге өсөн ҡорбан була. Дебальцево станцияһы районындағы героик рейдта легендар генерал М.Шайморатов батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияның 78 яугиренә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 5 һуғышсы “Дан” орденының тулы кавалеры була. Дивизия Бөйөк Ватан һуғышында Дондан Эльбаға тиклем 4000 саҡырымдан ашыу яу юлы үтә, 100-ҙән ашыу ауыл-ҡаланы немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнаша, 3000-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын, 6 самолетты, 6000 автомашинаны юҡ итә. Дивизияның тәүге составы яугирҙәре хаҡында биографик мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барылмаған. Бөгөнгә ҡәҙәр дивизияның тәүге 3823 яугиренең теҙмәһе (тулы исемлеге) юҡ. “Шайморатов вариҫтары” акцияһының маҡсаты - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хаҡында тулыраҡ, күберәк мәғлүмәт йыйыу. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты кемдә ошо хаҡта мәғлүмәт бар (кешеләрҙең шәхси архивындамы, музей, мәктәп, ғаиләләрҙәме), шулар менән ихлас уртаҡлашырға саҡыра. Һәр кем – кемгә үҙенең ошо данлыҡлы дивизия составында ҡатнашҡан туғаны хаҡында иҫтәлек мөһим, ҡәҙерле – шулар уның тураһында хәтернамә, биография, фотоһүрәт, тарихты беҙгә ебәрһен. Анкеталар социаль селтәрҙә “Бәйләнештә” (“В контакте”) – (страница Ҡоролтай, мероприятия – Шаймуратовцы, https ://vk. com /shaimyratov 120) ВКБ www. kurultay - ufa. ru. сайтында урынлашҡан. Тултырылған анкеталарҙы түбәндәге адрестарға ебәреү кәрәк: Электрон адресҡа: Shaimyratov [email protected] ru Почта аша: 450015, г. Уфа, ул Революционная, 43, Всемирный курултай башкир (акция “Шаймуратовцы”). Йыйылған материал нигеҙендә “ Шайморатовсылар - 112-се легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” тигән биографик белешмә (китап) сығасаҡ. Бынан тыш проект сиктәрендә шайморатовсыларҙың кесе Ватанында яугирҙәр иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйыласаҡ, мәктәп, музейҙарҙа улар хаҡында стендтар булдырыласаҡ, телерадиомарафондар үтәсәк. Ойоштороусылар шулай уҡ республика буйлап авто һәм һыбай уҙыш үткәрергә, 9 Май байрамында “Үлемһеҙ полк” составында Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре вариҫтарынан айырым отряд булдырырға ниәтләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: яҡын киләсәктә Өфөлә М.Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ. Совет майҙанының йөҙөн үҙгәртеү кәрәклекте июнь айында үткән Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Фәрит улы нәҡ ошо майҙанға генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыр кәрәк, тине. Өфө ҡалаһы хакимиәте архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралыҡҡа Ленин, Октябрь революцияһы, Цюрупа, Пушкин урамдарындағы кварталдарҙа планлаштырыу һәм сиктәр билдәләү проектын эшләргә ҡушты (Совет майҙаны аҫтында ер аҫты парковкаһы төҙөү өсөн). Ер аҫты парковкаһын ике ҡатлы итеп төҙөргә уйлайҙар, ә майҙандың өҫкө өлөшөндә М.Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, мөхтәрәм гәзит уҡыусыларыбыҙ! Республикала старт алған ошо акцияға ҡушылайыҡ: кемдә Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хаҡында бәләкәй генә булһа ла мәғлүмәт, фотоһүрәттәр, тарих һаҡлана – үрҙә әйтелгән адрестарға, “Таң” гәзитенә, беҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмгә яҙып ебәрегеҙ – һеҙҙең мәғлүмәттәр китапҡа инеп, ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы, легендар яу юлы, улар хаҡында иҫтәлек мәңгеләштерелһен! Еңеүселәр, ҡаһарман яугирҙәр хаҡында иҫтәлектәр хәтеребеҙҙә, йөрәктә генә түгел, китапта ла һаҡланһын! Киләсәк быуындарға һабаҡ, иҫтәлек,Тыуған ил, тыныслыҡ хаҡына фиҙакәрлек, батырлыҡ өлгөһө булып! Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
70-тән ашыу уҡыусы ауыл хужалығы өлкәһендәге «Агробум» тигән робот техникаһы олимпиадаһында ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ауыл хужалығы процестарын автоматлаштырыу буйынса 25 инженерлыҡ проектын эшләне. 70-тән ашыу уҡыусы ауыл хужалығы өлкәһендәге «Агробум» тигән робот техникаһы олимпиадаһында ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ауыл хужалығы процестарын автоматлаштырыу буйынса 25 инженерлыҡ проектын эшләне. Дәүләкән районынан 4-се лицейҙың технология уҡытыусыһы Валерий Шәрәфетдинов етәкселегендәге «Йәш фермер» командаһы ҡатнашты. 7-се класс уҡыусылары Кузьма Садовников менән Роман Митяев жюри иғтибарына үҙҙәре эшләгән автономиялы туҡланыу системаһы ҡуйылған пирамида формаһындағы күп кимәлле вертикаль ферма проектын күрһәтте. Олимпиадала «Йәш фермер» командаһы «Иң яҡшы сити-фермер» номинацияһында еңеүсе булды. Был еңеүгә уҡыусыларҙы 4-се лицейҙа эшләгән «Сәнәғәт дизайны» түңәрәге әҙерләгән. Түңәрәк «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Лицейҙа «Үҫеш нөктәһе» үҙәге эшләй. Сығанаҡ: Дәүләкән район хакимиәте. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ҙур ғына һауыт төбөнә йыуылған укроптың яртыһын һалабыҙ. Унан шулай уҡ йыуылған ҡыярҙың ике яҡ осон ҡырҡып, һауытҡа тығыҙ итеп тултырабыҙ ( Үҙегеҙ теләгәнсә ҡырҡып һалырға мөмкин). Өҫтөнә ҡалған укропты һәм ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һалабыҙ. Айырым һауытта газлы минераль һыуҙа тоҙҙо иҙеп алабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы ҡыярға ҡоябыҙ, өҫтөн тулыһынса ҡаплағандай итеп. Ҡыярлы һауытты һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ул 12-14 сәғәт эсендә әҙер була. Аштарығыҙ тәмле булһын! Рецепт һәм фото: https://vk.com/thehostess Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Район биләмәһендә сығарылған һәм таратылған урындағы гәзиттәр асылда халыҡ трибунаһы, шатлыҡтар һәм әрнеүҙәр, уңыштар һәм етди мәсьәләләр менән ысын тормош яҡтыртылған майҙансыҡ. “Инйәр”ҙең яҙмышына битараф ҡалмағыҙ Район биләмәһендә сығарылған һәм таратылған урындағы гәзиттәр асылда халыҡ трибунаһы, шатлыҡтар һәм әрнеүҙәр, уңыштар һәм етди мәсьәләләр менән ысын тормош яҡтыртылған майҙансыҡ. “Инйәр” гәзитенең биттәрендә хәбәрселәр тарафынан әҙерләнгән материалдар менән бер рәттән даими рәүештә уҡыусыларҙың мәҡәләләре лә урын ала, уларҙа райондың көндәлек йәшәйеше генә түгел, ә бында донъя көтөүсе һәм тыуып үҫкән, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында икенсе ҡалаларға һәм төбәктәргә күсеп киткән уҡыусыларҙың иҫтәлектәре, яҙмалары донъя күрә. 20 йылдан артыҡ эшмәкәрлеге мәлендә “Инйәр” үҙенең ныҡлы позицияһын туплап өлгөрҙө. Редакцияла бик күп һәләтле хеҙмәткәрҙәр эшләне һәм эшләй. Яҡты традицияларға тоғро ҡалып, гәзит коллективы райондың күп милләтле халҡының мәнфәғәттәрен яҡлай, районыбыҙҙы нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә. Беҙҙең заман — ул мәғлүмәт һәм технологиялар осоро. Киң мәғлүмәт саралары — хәҙерге йәмғиәттең сәйәсәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, дин өлкәләренә йоғонто яһаусы мөһим институттарҙың береһе. Уларҙан тыш, донъяла, илдә, ҡалала, районда һәм хатта күрше ауылда нимә барғанын белеп булмай. Ә район матбуғаты — Рәсәйҙең төпкөл урындарында таралған, дөрөҫ мәғлүмәт биргән баҫма. Уның иғтибары башҡа мәғлүмәт сараларында яҡтыртылмаған йәмғиәт тормошона йүнәлтелгән. Урындағы баҫманан тыш, бер ҡайҙа ла район йәки ауыл хакимиәтендә нимәләр эшләнеүе, юбилейын билдәләүселәр, урында ниндәй яңылыҡтар булыуы йәки бүтән мөһим ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт яҙылмай. Гәзит ярҙамында кешеләр шатлыҡлыҡтары, уңыштары, тәжрибәләре, ҡайғылары, борсолоуҙары менән уртаҡлаша. Был ябай ауыл кешеһе өсөн дә, шулай уҡ райондарҙа нимә барғанын белергә теләгәндәр өсөн дә алыштырғыһыҙ сара. “Инйәр” гәзите бөгөн, баҫма тибы булараҡ, бик үк яҡшы хәлдә түгел. Район гәзиттәренең бер ниндәй ҙә инвесторҙары, бағымсылары юҡ, улар артабан йәшәр өсөн үҙҙәре тырышырға, аҡса табыу юлдарын эҙләргә мәжбүр. Заказсы түләгән бер нисә йөҙ һум да гәзит бюджетын тулыландыра. Ошонан сығып, “Инйәр”ҙең мөмкинлектәре ни тиклем тыйнаҡ икәнен аңларға була. Гәзитебеҙ өсөн һәр бер гәзит алдырыусы, реклама, иғлан, ҡотлау, юбилярҙар тураһында мәҡәлә һәм башҡалар — финанс тотороҡлоҡ нигеҙе. Ни тиһәгеҙҙә баҙар иҡтисады, йәшәү ҡиммәттәре үҙгәргән ваҡыт. “Инйәр”ҙе һаҡлап ҡалыр өсөн һәр көнөбөҙ көрәшкә тиң, тип әйтеү хаҡлы. Шул йәһәттән мөхәрриргә һәм гәзиттең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә айырым талаптар ҡуйыла. Шуға күрә үтә һиҙгерлек, иғтибарлылыҡ, сабырлылыҡ, халыҡтың көнкүрешен яҡшы белеү, аңлау һәм сослоҡ кәрәк. Бөгөн халыҡтың һатып алыу һәләте лә ныҡ кәмене, сөнки баҫмаға йыл һайын хаҡ өҫтәлгәндән-өҫтәлә. Был, әлбиттә, гәзитебеҙ алдында торған бөтә проблемалар ҙа түгел. Аҡсаға ҡытлыҡ кисереүенә һәм бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, “Инйәр” ауыл тормошон көйләүсе механизм, кешеләрҙе йәлеп итеү һәм берләштереү үҙәге булып ҡала. Ғәҙәттә, барлыҡ район гәзиттәре лә яҡланмаһалар ҙа үҙ бурыстарын батырҙарса үтәй. Үҙәк гәзиттәр ҙур илдең бәләкәй һәм алыҫ ауылдарында ғүмер иткән халҡына, уның донъяға ҡарашына иғтибар итмәй. Тик район гәзите генә халыҡ, тел, ер мәсьәләләрен күтәрә, уның нисек ғүмер итеүен белә. Күпме көс түгеп яулап алынған туған телебеҙҙә баҫылған берҙән-бер “Инйәр”ебеҙҙе битарафлығыбыҙ арҡаһында юҡ итеп ҡуймайыҡ. Бигерәк тә бөгөн! Ауыр ваҡытта беҙ айырыуса ойошҡан, берҙәм һәм уяу булырға тейешбеҙ. “Инйәр” — ул башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, теле һәм тарихы. Шуны аңлап, гәзитебеҙҙе йәшәтәйек. Дилара Бәҙретдинова. Автор фотоһы. Автор:Дилара Бадретдинова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
“Экология” милли проектыҠағыҙ, пластик, һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн комплекттарҙы балалар экология һәм биология үҙәге тарата. “Экология” милли проекты Ҡағыҙ, пластик, һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн комплекттарҙы балалар экология һәм биология үҙәге тарата. Балалар көнкүреш ҡалдыҡтарын үтилләштереү мәҙәниәтенә өйрәнергә һәм сүп-сарҙа ғәҙәти ҡалдыҡтар түгел, ә икенсел сеймал күрергә тейеш, ти акцияны ойоштороусылар.Тәүге этапта ҡала һәм район үҙәге мәктәптәре контейнерҙар менән йыһазландырыласаҡ. Киләһе йыл инде ауыл мәктәптәренә лә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәтә башлаясаҡтар. #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ғәбиҙәне был хәбәр ҡабаланырға, инде йәшерен һаҡсы ғына булып түгел, ә асыҡтан-асыҡ алышҡа инергә лә әҙер ҡурсалаусы булыуын күрһәтергә мәжбүр итте. Ул теге көндән алып егеттең кем икәнлеген, юҡ, кем икәнлеген әле лә аңлап етмәй ул, әммә ҡөҙрәтле ҡара көс булыуын һәм был көстөң нимә теләгәнлеген төшөнә. Уға Ләйләнең, таҙа, саф ҡыҙ баланың йәне, тәне, бысранмаған күңеле кәрәк. Ул табышынан бер хаҡҡа ла баш тартмаясаҡ. Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠАРАҒОШ Повесть Дүртенсе өлөшө Ғәбиҙәне был хәбәр ҡабаланырға, инде йәшерен һаҡсы ғына булып түгел, ә асыҡтан-асыҡ алышҡа инергә лә әҙер ҡурсалаусы булыуын күрһәтергә мәжбүр итте. Ул теге көндән алып егеттең кем икәнлеген, юҡ, кем икәнлеген әле лә аңлап етмәй ул, әммә ҡөҙрәтле ҡара көс булыуын һәм был көстөң нимә теләгәнлеген төшөнә. Уға Ләйләнең, таҙа, саф ҡыҙ баланың йәне, тәне, бысранмаған күңеле кәрәк. Ул табышынан бер хаҡҡа ла баш тартмаясаҡ. Быға тиклем ул ҡыҙын һөйгәненән ҡайырырға бер ниндәй ҙә дәлил таба алманы. Ә бит тапҡан хәлдә лә, хатта ни хикмәт менән ҡыҙ егетте ҡапыл кире ҡаҡҡан хәлдә лә, тегеһе ҡорбанын ысҡындырырға теләмәйәсәк. Ниндәй юлдар менән булһа ла ҡулға төшөрәсәк бит ул уны. Ғәбиҙә бик ентекләп тәһәрәтләнеп намаҙын башҡарҙы ла, күкрәге тәңгәленә эстән кәрәкле доғалығын ҡуйып, бар көсөн, аңын, ҡөҙрәтен туплап алып, урамға сыҡты. Бөгөн бик мөһим көн. Бөгөн ул ғүмере буйына әҙерләнгән, көткән осрашыуға - донъялыҡтың аҡ һәм ҡара көстәр араһындағы көрәштә үҙенә тәғәйен дошманы менән күҙмә-күҙ күрешеүгә бара. Тейешле тәртиптәрҙе үтеп, сират көтөп ултырып, төш етеүгә саҡ инде әбей доктор янына. Уны күреүгә күкһел махсус костюм кейеп, шундай уҡ төҫтәге ҡалпаҡ, маска аҫтына йәшеренгән дантистың күҙ ҡарашында ғына бер сағылыш сарпылып үткәнен иҫәпкә алмағанда, бер мускулы ла ҡыбырламаны. Бер секундҡа ғына Ғәбиҙә хатта: «Әллә яңылыштыммы?» тип уйлап ҡуйҙы. «Ю-уҡ. Юҡ! Яңылышырға мөмкин түгел ул. Түгел!» Доктор пациентҡа үтеп ултырырға күрһәтеп ҡулы менән иҙәне лә, медсестраһына боролоп: – Галечка, барығыҙ кофе эсеп алығыҙ, - тине лә, тегеһенең аптыраулы ҡарашына ҡаршы ирәбе итеп йылмайҙы. – Бар-бар, мин ебәргәндә йүгереп ултыр. Ҡорһағы арыуыҡ булып бүлтәйеп, арып ултырған йәш ҡатынға күп кәрәкмәне, «Рәхмәт-рәхмәт, Марат Мансурович, һеҙ – фәрештә», - тип сығып та тайҙы. «Фәрештә» һүҙенән эстә ҡалғандар зәһәр йылмайыу менән алмашты. Һәм был «йылмайыу» барыһын да урынына ҡуйҙы. Ике яҡтан да икеләнеүҙәр, фаразлауҙар, төрлөсә юрап фекерләүҙәр юҡҡа сыҡты. Бары яланғас хас дошманлыҡ ҡына ҡалды. –Йә, - тине доктор, – нимә кәрәк? –Ә һиңә? – Һорауға һорау менән яуап бирҙе әбей. – Миңә нимә кәрәклеген беләһең. – Беләм. Шуға килдем. Мин уның һаҡсыһы. –Аңланым. Тик көсөң етмәйәсәк. Мин һеҙҙең донъяла бик күптән йәшәйем, ҡөҙрәтем ҙур. – Көсөмдөң самаһын әйтә алмайым, әммә мин Аллаһ ҡоло. – Минең янымда уның исемен атайһы булма, - докторҙың тауышы йылан ыҫылдауына оҡшап китте. –Исеменән дә ҡурҡаһың, нисек итеп ҡаршы тормаҡсыһың һуң? – Ҡорбанымдың теләге менән көслөрәкмен һинән, ҡарсыҡ. Ҡыҙ үҙе минең ҡатыным булырға теләй, аңланыңмы?! –Был ғына дәлил түгел, – Ғәбиҙә ишек тотҡаһына үрелгән ерҙән ҡайырылып дошманының асыуҙан ҡыҙыл боҙ төҫөнә ингән күҙҙәренә тура баҡты. – Бел: һуңғы һулышыма тиклем көрәшәсәкмен! Доктор яуабын ябыҡ ишеккә ташланы: –Тимәк, һуңғы һулышыңа күп ҡалманы, ҡарсыҡ. Ләйлә бәхетенең етенсе ҡатында йөрөп никахҡа әҙерләнә. Ата-әсәһенә лә хәбәр итте инде. Тегеләре ҡапыл-ғара аптырашып ҡалһалар ҙа, ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы килмәнеләр. Үткән ял әллә күпме күстәнәстәр тейәп ауылға барып танышып та килделәр. Әсәһе лә, атаһы ла, туғандары ла кейәү егетенең мөләйемлегенә, аҡыллылығына, һеңлеләре бигерәк тә сибәрлегенә арбалып ултырып ҡалды. Әсәһе аулаҡ тура килтереп: «Әлдә генә лә яҡшы кешегә тура килгәнһең, балам, йәш айырмағыҙ арыуыраҡ булғанға аптырай төшкәйнем, тегеләй булһа ней, үҙең кеүек яңы студенттан сыҡҡаны булыр ине инде, тип ҡуям. Ярай, фатиры ла, яҡшы эше лә бар тигәсең... һәйбәт булған, бәхетең булһын инде», - тип серләшеп тә өлгөрҙө. Никахлашыуҙы киләһе аҙнаға билдәләнеләр. Һәр көн киләсәккә яҡты өмөт менән тыуҙы хәҙер ҡыҙ өсөн. Ул бер туҡтауһыҙ һөйләште, шаярҙы, ҡысҡырып көлдө. Тик бына Ғәбиҙә инәйе генә шатлығын бүлешмәй кеүек. Әллә нимәгә йомолдо, үҙенә бикләнеп етдигә, хатта ҡаты ҡарашлыға әйләнде. Һуңғы көндәрҙә намаҙлығынан тормай. Хатта ҡыҙ төндә уянғанда ла әбейен шул эше өҫтөндә күрә хәҙер. Был төҫөндә ул ҡыҙға ысынлап Марат әйтмешләй «уҫал ҡарсыҡ»ҡа әүерелә башлағандай тойола. Иртәгә никах тигән көндө Марат буласаҡ кәләшен кисте үҙендә үткәрергә саҡырҙы. Ләйлә шуға айырыуса тулҡынланып әҙерләнә. Улар иртәгә ир менән ҡатын буласаҡ. Шунлыҡтан, бөгөнгө кис нимә генә булған хәлдә лә ҡурҡыныс та, оят та түгел кеүек. Ҡыҙ һаман намаҙлыҡ өҫтөндә бәүелгән инәйенең алдына записка яҙып һалды ла, йәнәһе лә эшен тамамлағас күрер, йыйынып такси саҡырҙы. Маратын күпме өҙөлөп әйҙәләмәһен, ошо өйгә килгәне, Ғәбиҙә инәйе менән танышҡаны юҡ. Йә бер, йә икенсе сәбәбе сығып, килә алмай ҙа ҡуя. Ярар, ғәйеп юҡ, иртәгә мотлаҡ танышырҙар, тип уйлап һөйөнә ҡыҙ. Ғәбиҙә бөгөн етенсе көн ашамай-эсмәй, намаҙлыҡтан тормайса, Аллаһы Тәғәләгә етенсе изге юлды аса. Бөгөнгө хәлгә, ҡыҙ егет янына барғанға, ҡарағош ҡыҙҙы үҙ тәртиптәре менән никахлап, ҡатыны итеп өлгөргәнсә, әҙәми зат аналығына ҡара йән орлоғо төшөп ятҡанға тиклем, ул ошо һуңғы юлды асып өлгөрөргә тейеш. Өлгөрмәһә - туғыҙ айҙан ергә быныһынан күпкә көслөрәк һәм ҡурҡынысыраҡ зәхмәт яраласаҡ, уның ҡан дошманы кешеләр буласаҡ... Ҡарағай кеүек мөһабәт, иҫ киткес сибәр, иғтибарлы ир, йәш ҡыҙҙың тамам һушын алып, донъяһын онотторҙо: таныш булмаған тәмле аш, башты әйләндергес әскелт шарап менән һыйланы, бейергә саҡырып өйөрөлттө, иркәләне, һөйҙө, ҡолағына татлы һүҙҙәр шыбырланы. Ҡыҙҙың күҙ алдында тирә-яҡ ҡына түгел, йыһан әйләнгәндәй булды. Ул алдында бары һөйгәненең арбағыс ҡараштарын ғына күрҙе лә, шулар ҡоршауында елгә бәүелеп торған яңғыҙ ҡыяҡ булып ҡалды. Арбалды, иҫе менән аҡылы айырылды, онтолдо Ләйлә. Ошо хәлдә ул ҡаршыһындағы егеттең тартыша-тартыша ҡарағошҡа әүерелеүен дә, уның үҙ телендә ниндәйҙер дәһшәтле һүҙҙәр ҡысҡырыуын да, унан үҙен сисендереп ҡуйып гранат һутындай ҡара ҡан менән ҡойондороуын да аңламаны. Бары тик ниндәйҙер мәлдә башын, ҡолаҡтарын, бөтә аңын томалаусы баҫым ҡапыл ысҡынып, тирәһендә быяла стеналар шауҙырҙап ҡойолған шикелле тауышҡа уянып китте. Шул мәлдә уның өҫтөнә эйелеп торған ҡот осҡос өрәк асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе. Был күренештән ҡыҙ унан да яманыраҡ ҡысҡырырға итеп ауыҙын асты ла... тауышы сыҡманы. Төшмө был?! Юҡ, түгел! Улайһа нишләп төшөндәге өрәк бында?! Марат ҡайҙа?! Мара-ат!!! Ҡыҙ эргәһенән ғәйрәт менән алып атылғандай булып осоп барып төшкән теге зәхмәт ҡапыл һикереп тороп тағы килә башланы. Теле аңҡауына йәбешеп, күҙҙәре сынаяҡ аҫтындай булып аҡайған Ләйлә һушын юйып барғанда, ярым ҡараңғы бүлмәгә түбәнән ниндәйҙер нур юлаҡтары төшөүен генә аңғарғандай булды ла, урынына йөҙ түбән ауҙы. Ә ул юлдарҙан ергә төшөрөлгән фәрештәләр дәһшәтле алышҡа ташланды. Яу көн өсөн түгел, йән өсөн барҙы. Ауыҙынан һеләгәйе ағып, бар фиғеле үлтергес көс булған ҡарағоштоң тырнаҡтарынан өҙә теленгән фәрештәләр уның аяғы аҫтына аҡ юрған булып түшәлә, Ғәбиҙәнең ҡайҙалыр йыраҡта, аҫтамы-өҫтәме, көйләп-көйләп уҡыған тауышы көсәйә, ул асҡан юлдарҙан фәрештәләр ағыла, алышҡа ташлана торҙо. Көрәштең аяуы булманы. Ҡарағош дошмандарын өҙгөләне, тешләп, йыртып, ҡайырып бәрҙе, уңлы-һуллы һелтәнеп һуғып төшөрҙө. Фәрештәләр иһә яңынан-яңы көс менән ябырыла, үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеп ғифриттың хәлен ала, һуңғы сәғәттәрен яҡынлаштыра бирҙеләр. Был уның һуңғы төнө, ошо төндә затын ҡалдырып өлгөрһә - өлгөрә, өлгөрмәһә - бөтә уның киләсәге. Офоҡ ситендә алһыу ғына еп булып ҡыҙарып таң һыҙыла башлауға ҡарағоштоң хәле бөттө, мускулдары ҡабарып ташҡан беләктәрен саҡ-саҡ һелтәне, яры ҡанаттары, йөнтәҫ аяҡтары буйлап ҡара ҡан аҡты. Бына ул һуңғы көсө менән ынтылып бите тәңгәлендә ҡанат ҡағынған фәрештәне йомарлап тотто ла, аҙау тештәре ыржайған ауыҙына ла алып барып еткерә лә алмайынса, ҡорбаны менән бергә иҙәнгә ауҙы. Фәрештәләр ҡар бураны булып һаман өйөрөлдө. Шул ҡолауҙан торманы ғифрит. Офоҡ ебенән тартылып сығып ҡала өҫтөнә атылған ҡояш нурҙары уны лазер уты шикелле яндырҙы, өттө һәм инде күпмелер ваҡыттан урында буръяҡ тап эҙе генә ятып ҡалды. Фәрештәләр иһә бүлмә иҙәнен ябып ҡырылышҡан яуҙаштары менән хушлашып бер аҙ остолар ҙа, килгән юлдары менән юҡ та булдылар... Ләйлә иҫенә килгәндә фатирындағы үҙ урынында ята, янында Ғәбиҙә инәйе ултыра ине. Ҡыҙҙың ҡыбырлағанын аңғарғас та әбей ынтылып уның маңлайын һыпырҙы. – Нимә булды?.. – ҡыҙ үҙ хәлен төшөнә алмай аптырап яҡ-яҡҡа күҙ ҡараһын йүгертте. – Ауырып киттең бит, ҡыҙым, - Ғәбиҙә уны юрған аша тыпылдатып һөйҙө. – Инде йүнәлерһең инде, бөтәһе лә үтте, бөттө инде... – Ҡалай бер нәмә лә иҫләмәйем... Күпме ятам һуң? Ой, эшем?! –Эшеңә хәбәр иттем, балам, ҡапыл ауырып китте, тинем. Грипптыр, йөрөмәһен, ятһын, тине хужаң, һәйбәт кеше икән. – Нисәһе бөгөн? –Өсөнсө көн ятаһың, ҡыҙым. Ҡурҡынысы үтеп китте, хәҙер һиңә көс йыйырға ғына кәрәк. Мулла саҡырҙым әле, мәсеткә йәш мулла килгән, ти, Ғәрәп илдәрендә уҡыған, бик көслө... –Ҡуйсы әле, инәй, хәҙерге ваҡытта ауырығанға мулла саҡыралармы инде, врачҡа барып справка алырмын да – еткән. – Барырһың, врашына ла, нимәһенә лә, тигәндәй. Һинең ауырыуыңда көс килһен өсөн мотлаҡ ир кеше уҡырға тейеш. –Ой, инәй... –Балаҡайым, минең өсөн... мин тыныс булһын өсөн тыңла инде. –Уф! Ну, ярай, һинең өсөн генә. Төшкә ҡарай ҡыҙҙың бүлмәһенә өҫтөнә бик бөхтә итеп аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән, ҡаҡсараҡ йөҙөн ҡупшы ҡыҫҡа һаҡал-мыйыҡ биҙәгән егет килеп инде лә: –Әссәләмәғәлә-әйкүм, - тип һуҙа биреп сәләмләне. –Вәсә... мәғә... Һаумыһығыҙ. Егет яндағы өҫтәлгә китаптарын таратып һалып, кәрәкле биттәрен асҡас: – Мин хәҙер ҡысҡырып уҡырмын, һеҙ хәлегеҙҙән килһә тыңлағыҙ, килмәһә йоҡлаһағыҙ ҙа була, - тип, һарғайып бөткән яҙмаларына эйелде. Йәш хәҙрәт көйләп-көйләп нимәләрҙелер уҡыны ла уҡыны. Ләйлә башта уңайһыҙ булмаһын өсөн генә тыңлаған кеше булып ятһа ла, тора-бара үҙен шул көй эсенә йомолғандай, һурылғандай тоя башланы. Йотлоғоп, егеттең туҡтауһыҙ ҡыбырлаған ирендәренән һәр сыҡҡан өндө, һүҙҙе һеңдереп алғандай булып ятты. ... Бер нисә көндән ҡыҙ эшкә сыҡты. Хәсән Усманович уны ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Барыһы ла һағынған, барыһы ла уның өсөн борсолған, шатланышып аулаҡ бүлмәлә сәй эсеп алдылар. Ләйлә ауырып ятҡандағы көндәр хаҡында һөйләнеләр, әллә нимәләрҙе иҫләнеләр, тик береһе лә бынан бер нисә көн элек кенә улар араһында Марат Мансурович исемле табип булыуы хаҡында ләм-мим өндәшмәне. Өндәшмәне, сөнки улар был хәлде белмәй, онотҡан, ә бәлки ул бөтөнләй булмағандыр ҙа... ... Ләйләнең күңеленән әллә ниңә теге мәлдәге мулланың нурлы ҡарашы, бәрхәт тауышы сыҡманы. Инәйенән исемен дә һораманы бит әле, хәҙер һорашыуы уңайһыҙ ҙа кеүек инде. «Ҡалай һылыу кеше мулла булып алған бит әле», - тип ҡат-ҡат кемгәлер үпкәләгән шикелле уйлап та алды. Унан, үҙен тамам тынысландыра булып: «Все, әйҙә, етәр! Муллаға ҡыҫҡа итәкле медсестра түгел, ә абыстай кәрәк. Онот!»- тип ҡуйҙы. Ҡайтырға сығып атлай ғына башлағайны, кемдер йүгереп ҡыуып етте. Ҡараһа – теге мулла икән. Ләйләнең ҡапылдан кәйефе күтәрелде, ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре йырылып йылмайҙылар, күҙҙәре ҡыҫылып көлдө. – Мине тағы лечить итергә уйлайһығыҙмы әллә? – Юҡ-юҡ, һылыу, һаумыһығыҙ... Рөхсәт итһәгеҙ, оҙатайым тигәйнем... – егет уңайһыҙланыуҙан оҙон аяҡтарында әле бер әле икенсе яҡҡа аушанданы. – Муллаға ҡыҙҙар оҙатып йөрөргә яраймы ни? Әйҙә улайһа, ен-пәрейҙәрҙән һаҡлар булһағыҙ ни... – ҡыҙ ҡулындағы пакеттарын егеткә тапшырҙы ла, ашыҡмай ғына йәнәш атлап киттеләр. – Риза булһағыҙ, мин һеҙҙе кемдән дә һаҡлармын, Ләйлә һылыу... Эй, һеҙ минең исемемде лә белмәйһегеҙҙер әле... Мин – Хажмөхәмәт. Баш осондағы ике фәрештә талпынып-талпынып уҙышып осто, кәйелеп-кәйелеп уйнаны, елпенде... Аҙағы. ––––––––––––––––––– Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Бындай уй-теләктең башыма ла инеп сыҡҡаны булманы. Прозаик өсөн арт һаныңдың ултырышлығы ла кәрәк бит. Яһарға ла, ҡорорға ла, сыуалсыҡтарҙы сисергә лә кәрәк. Ә шиғыр, тыуһа, үҙенән үҙе тыуа ла ҡуя. Прозаиктағы егәрлелек миндә юҡ ул. Әйтер һүҙҙе шиғыр менән әйтеп, анһат ҡына ҡотолам да ҡуям. Көсләп, көсләшеп яҙмайым. Бер ултырғанда дүртәр-бишәр шиғыр яҙылған саҡтар ҙа булғыланы. Бер башлаһам, эш өҫтәле әле лә ун-ун биш көндө биләп ала. Яҙыуҙан, уҡыуҙан арынып, “ял иткән” ваҡыттар айҙар буйына ла һуҙылырға мөмкин. Һүҙ ҡомарының, сәсәнлек сәменең йылдар буйы йоҡомһорауы ла ихтимал. Рәшит Әхтәри, Мөхәммәт Илбаев кеүек заттар менән шулайыраҡ булды бит. Был хәл мине лә урап үтмәне. Икенсе китабымды байтаҡ ара үткәс кенә сығарҙым. Ижад ул “иртәгә өлгөрөрмөн әле” тигәнде яратмай. Әле йәшәмәнем ерҙә, Көлдөм, уйнаным ғына. Иртән йәшәй башлармын тип Бары уйланым ғына. Ярамай шул, шулай йыуанып ҡына йәшәргә ярамай. Ә былай, нисек һәм ҡасан булһа ла, һәләтме, талантмы бар икән, ул барыбер йырып, ярып сыға донъяға.
Кәбеҫтә халыҡ медицинаһында ла ҡулланыла. Баш, тамаҡ ауыртҡанда, мастопатия, тубыҡ артрозы булғанда, тән бешкәндә уны киң ҡулланалар. Кәбеҫтәне юҡҡа ғына “баҡса батшабикәһе” тимәйҙәр. Ул һаулыҡ өсөн бик файҙалы, витаминдар һәм минералдарға бик бай. Унан бешерелгән аштарҙы һәм бәлештәрҙе, салаттарҙы кем генә яратмай? Ҡышҡылыҡҡа уны бер нисә юл менән тоҙларға ла була. Ундағы витамин U (язваға ҡаршы витамин һанала) ашҡаҙандағы һәм бөйәндәге сей яранан, экзема, псориаз, нейродермиттан дауалай. Кәбеҫтә халыҡ медицинаһында ла ҡулланыла. Баш, тамаҡ ауыртҡанда, мастопатия, тубыҡ артрозы булғанда, тән бешкәндә уны киң ҡулланалар. Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре *Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттары алына. Улар ҙур, тығыҙ булырға тейеш, бәләкәй һәм йәшел япраҡлылары яраҡһыҙ. Тәүҙә күсәнде иҫке япраҡтарынан таҙартырға, йыуғас, бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк. Кәбеҫтәне ағас таҡтаға һалып, үткер бысаҡ менән турарға. *Тоҙлағанда эмаль йәки быяла һауыт ҡына ҡулланыу фарыз, алюмин һауыт зыянлы (кәбеҫтәләге кислота алюминды “ашай” һәм ризыҡ менән организмға үтеп инә). *Туралған ун килограмм кәбеҫтәгә, ғәҙәттә, ҡырғыстан үткәрелгән 300 грамм кишер һалырға кәңәш ителә. Кәбеҫтәне көнөнә ике тапҡыр бысаҡ менән “тишеп”, газын сығарып торорға онотмағыҙ. Корейса кәбеҫтә Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, бер аҙ әсе борос кәрәк булыр. Маринад эшләү: бер литр һыуға ике аш ҡалағы тоҙ, бер стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан туғыҙ процентлы аш һеркәһе, 0,5 стакан үҫемлек майын бергә ҡушып ҡайнатырға. Һауытҡа эре итеп туралған кәбеҫтә, ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡ һалырға. Өҫтөнә маринад ҡойоп, банкаларҙы ябып, бүлмә температураһында бер нисә көн тоторға. Баллы кәбеҫтә 10 килограмм кәбеҫтәгә 100 – 150 грамм тоҙ, 300 - 500 грамм кишер, ике сәй ҡалағы әнис, 1/4 сәй ҡалағы кориандр, хуш еҫле ҡара борос, алма, груша, слива кәрәк булыр. Кәбеҫтәне турап, тоҙ менән ыуырға. Һауытҡа туралған алма, груша, слива менән аралаштырып һалырға. Кәбеҫтәнең һәр ҡатламы 15 сантиметрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Өҫтөнә йөк баҫтырып ҡуйырға. Кәбеҫтә әсеп, һуты барлыҡҡа килгәс, уны түгергә. Бер литр һыуға 170 грамм иҫәбенән шәкәр ҡомо һалып, һыуҙы ҡайнатырға. Ул һыуынғас, кәбеҫтәнең өҫтөнә ҡойорға. Бер нисә көндән баллы кәбеҫтә әҙер була. Фото: oldfarmer.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Ҡапҡанан инһәк, утынлыҡтан туҡылдаған тауыш сыға. Берәйһе килеп утын ярып йөрөйҙөр, тип утынлыҡ яғына ыңғайланыҡ. 86 йәшендә утын яра Инәйҙең үҙен күреп, аптырап бер булған беҙҙе: «Утын ярып йөрөйөм. Төпкө яҡҡа ут яғайым, утын индерәйем тип сыҡтым әле», - тип ҡаршы алды Рәйсә инәй. Әҙер утының күп бит, тигәс: “Шул ярып торғас, була инде”, - тип мәғәнәле генә яуапланы 86 йәшлек инәйебеҙ. Тыумышы менән Әбйәлил районының Хәмит ауылы ҡыҙы Рәйсә Мөхәмәтованың Ҡолғанала йәшәүенә 65 йыл булып киткән. -1957 йылда килен булып төштөм. 20 йыл бабайға са-йыр йыйыштым, бер йылын да үҙемә яҙҙырманым. 8 йыл медпунктта эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Эш хаҡым әҙ булғас, пенсиям да күп түгел. Заманында Кучумов: “Инәй, теш ҡуйҙыр”, тигәйне, “Ҡуй, ҡартайҙым инде, ниндәй теш”, тигән булғайным. Үҙе юҡ хәҙер. Мин тешһеҙ ҡалдым инде, - тип хәл-әхүәлдәре менән бүлешергә ашыҡты ул. Рәйсә инәй 6 бала тәрбиәләп үҫтергән. -Барыһына ла туйҙар үткәрҙем, уҡыттым. Өлкән ҡыҙым Хәкимә - Бәләбәйҙә, Зәйнәп - Әбйәлилдә, Гүзәл – Һарағыла, Тәлғәт улым ауылда. Уның биш ҡыҙы бар. Өсәүһе донъя көтә. Ейән-ейәнсәрҙәремдең иҫәбен дә белеп етмәйем хәҙер, - тип балаларын барлап сыҡты инәй. Тормош иптәше Әғзәм бабайҙың мәрхүм булыуына 21 йыл үтеп киткән. Ике улын да юғалтҡан ул. Рәйсә инәй бер үҙе йәшәһә лә, яңғыҙ түгел – балалары килеп хәлдәрен белеп, өй эштәрендә ярҙам итеп торалар, тик «алып ҡайтабыҙ» тиеүҙәренә һис тә риза түгел икән. Ауылдашы Зилара апай Мөлөкова уны мунсаға саҡырып, үҙ әсәһендәй тәрбиәләп тора. -Бөтә эштәрҙе лә эшләнек, малын да ҡараныҡ, булмаһа, бер күркә генә көтмәнем. Элек юҡ нәмә үҙе генә булманы. Хәҙер өс бөртөк тауығыма әүрәп ултырам инде. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 39-сы һанында уҡығыҙ. Автор:Ә. ЮЛСУРИНА. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Башҡортостанға рәсми визит менән килгән Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы көн элгәре республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында булды. Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бангладештың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок, Бангладештың Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра, Бангладештың Аҙыҡ-түлек идаралығының генераль директоры Ахмед Хоссаин Кхан республикаға Башҡортостан бойҙайын был илгә арзан хаҡҡа поставкалау мәсьәләләрен тикшереү маҡсатында килгән. Бынан тыш, делегация алдында диңгеҙ продукттарын, күн изделиеларын, текстиль тауарҙарын экспортлау буйынса хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы өлкәләр табыу бурысы ла тора. Сайфул Хок осрашыуҙа хәбәр итеүенсә, Башҡортостан майҙанына тиң тиерлек территорияла яҡынса 165 миллион кеше йәшәй. Бангладеш экспорт күләме буйынса Ҡытайҙан һуң донъяла икенсе урында тора. Аҡсалата ул 18 миллиард доллар тәшкил итә. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев, республикала махсус рәүештә етештерелгән тауарҙарҙы ҡарарға һәм шул нигеҙҙә оҙайлы бәйләнештәр булдырырға кәрәк, тип билдәләне. Мәҫәлән, Башҡортостанда етештерелгән «рыжик» тип аталған май бирә торған культура импортерҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр ине. Уның үҙҡиммәте түбән һәм ул еңел эшкәртелә. Өс ай элек Башҡортостан «рыжигы» менән Балтик буйы илдәре лә ҡыҙыҡһына башланы, һәм уның тәүге партиялары Европаға оҙатылды ла инде. Азат Фазлыев шулай уҡ Бангладеш етештереүселәрен республикала йылына бер нисә тапҡыр үткәрелгән һәм халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан текстиль тауарҙар күргәҙмәләрендә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле менән ойошторолған төрлө эшлекле һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Билдәләп үтәйек, Бангладеш делегацияһы республикаға икенсегә килә. Ҡунаҡтар Башҡортостан вәкилдәренең яуап визиты булырына ышанысын белдерҙе. Өфөгә визит сиктәрендә Бангладеш делегацияһы ҡаланың алдынғы юғары уҡыу йорттарында, республиканың Ауыл хужалығы министрлығында, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә булды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан. Автор:Любовь Колоколова Теги:халыҡ-ара бәйләнештәрбр сауҙа-сәнәғәт палатаһывизиттар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
2019 йылдың 23 ғинуарында район прокуратураһы тарафынан иртәнге сәғәт 10.00-дан көндөҙгө 1.00-гә тиклем ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү, ер, урман ҡануниәте талаптарын күҙәтеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” уҙғарыла. Был көндө 2-18-71 (прокурор урынбаҫары И.Р.Аллағузин), 2-11-51 (прокурор ярҙамсыһы Р.Р.Абзалтдинова) һәм 2-15-49 (ҡабул итеү бүлмәһе) телефондарына шылтыратып, закон боҙоуҙар тураһында хәбәр итергә, консультация ярҙамы алырға мөмкин. Илдар Ғилманов, район прокуроры. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Март айында көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә Наурыз байрамын билдәләйбеҙ. Был байрам ҡаҙаҡ, әзербайжан, ҡырғыҙ, иран, үзбәк, тажик халҡынан килгән беҙгә. Наурыз фарсы теленән тәржемә иткәндә, “яңы көн” (көн менән төн тиңләшкән ваҡыт) тигәнде аңлата. Күптәр уны мосолмандарҙың Яңы йылы тип уйлай, әммә, ысынбарлыҡта был байрамдың ислам диненә бер ҡағылышы ла юҡ.Күгәрсендә йәшәгән беҙҙең әүҙем хәбәрсебеҙ Зөлфиә апай Хәйбуллина ауылда Наурыз байрамын үткәреүҙәре тураһында хәбәр итә. Март айында көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә Наурыз байрамын билдәләйбеҙ. Был байрам ҡаҙаҡ, әзербайжан, ҡырғыҙ, иран, үзбәк, тажик халҡынан килгән беҙгә. Наурыз, фарсы теленән тәржемә иткәндә, “яңы көн” (көн менән төн тиңләшкән ваҡыт) тигәнде аңлата. Күптәр уны мосолмандарҙың Яңы йылы тип уйлай, әммә, ысынбарлыҡта был байрамдың ислам диненә бер ҡағылышы ла юҡ. Күгәрсендә йәшәгән беҙҙең әүҙем хәбәрсебеҙ Зөлфиә апай Хәйбуллина ауылда Наурыз байрамын үткәреүҙәре тураһында хәбәр итә. - “Ак калфаклар” тип аталған ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы менән клуб хеҙмәткәрҙәре йоманан һуң мәҙәниәт йортонда бик матур сара үткәрҙек. Был ойошма ауылдашыбыҙ Фәрәһиә Вәлитова тәҡдиме менән февралдә генә барлыҡҡа килгәйне. Ошо арауыҡта байтаҡ эштәр башҡарылды, ҡатын-ҡыҙҙар бик әүҙем. Күлдәк- алъяпҡыстар, ҡалпаҡтар тектереп, сигеп алдыҡ. Беҙ, хаҡлы ялдағы гүзәл заттар, көн аралаш клубта йыйылып, мөнәжәттәр, йырҙар өйрәнәбеҙ, серләшәбеҙ. Был байрамда ла йырҙар йырлап, шиғырҙар уҡып, уйындар уйнап күңел астыҡ. Ҡыш бабай менән Яҙһылыуҙың миҙгелгә хужа булмаҡсы булып арҡан тартышыуы, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, йүгереп ярышыуҙары байрамға йәм өҫтәне. Яҙһылыу барыбер көслөрәк булып сыҡты, ҡышты оҙатып, йылы көндәрҙең килеүен теләп, теләктәр әйттек, тышҡа сығып, аҡ ҡар өҫтөнә ҡоштарға ла байрам булһын тип, ем һиптек. Тамаша аҙағында һәр кемебеҙ өйҙән бешереп алып килгән тәмле күстәнәстәр менән сәй эстек,- тип, халҡыбыҙҙың йола байрамдарын онотмай, йәш быуынға ла күрһәтеп, эстәлекле байрам үткәргән ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы һәм түбәндәге шиғыр юлдарын да бағышлай: Наурыз килә Һалҡын ҡыш та үтеп бара, Йылмайып ҡояш көлә. Яйлап ҡына ҡарҙар ирей, Бик ашығып яҙ килә. Элек яҙын башланған Март - буранай тип аталған. Наурыз – Яңы йыл, яңы көн Төшөнсәһен аңлатҡан. Эй, Хоҙайым, һәр ваҡыт та Илдә именлек булһын! Ризыҡтар мулдан булһын, Өҫтәлдәр тулып торһон! Иманлы булһын халҡым, Күңелдәре саф булһын! Ҡыуаныслы таңдар атһын, Тормош шатлыҡҡа тулһын! Ҡыш китмәйсә ҡырталаша, Ә яҙ йылмайып көлә. Ҡарҙар ирей, көндәр йылы – Еребеҙгә яҙ килә! Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Украинала газ бөтә, Зеленский Путин менән осрашыу эҙләй. Күршеләргә йәй көнө усаҡ яғырға тура килмәгәйе. Ағиҙел -15 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 24 Июнь 2019, 11:11 Украинала газ бөтә, Зеленский Путин менән осрашыу эҙләй. Күршеләргә йәй көнө усаҡ яғырға тура килмәгәйе. Был хәбәр дөрөҫ, Украинаның газ һаҡлағыстарында һуңғы запастарҙы торбаларға ҡыуалар. Әгәр былай барһа, йәки Рәсәй менән килешмәһәләр, газ тоҡандырыу өсөн шырпыларҙың кәрәге бөтәсәк. Украина президенты хакимиәтендә ашығыс рәүештә Владимир Зеленский менән Владимир Путиндың осрашыуын ойоштороу ихтыяжы хаҡында хәбәрҙәр бар. Йәнәһе, оҙаҡламай Осакала 20 иң көслө дәүләттең саммитында тәүге осрашыуҙың булыуы ихтимал. Был хәбәр дөрөҫ, Украинаның газ һаҡлағыстарында һуңғы запастарҙы торбаларға ҡыуалар. Әгәр былай барһа, йәки Рәсәй менән килешмәһәләр, газ тоҡандырыу өсөн шырпыларҙың кәрәге бөтәсәк. Украина президенты хакимиәтендә ашығыс рәүештә Владимир Зеленский менән Владимир Путиндың осрашыуын ойоштороу ихтыяжы хаҡында хәбәрҙәр бар. Йәнәһе, оҙаҡламай Осакала 20 иң көслө дәүләттең саммитында тәүге осрашыуҙың булыуы ихтимал. Рәсәй яғы был хәбәрҙе ҡәтғи рәүешә инҡар итә. “Эш күп, графикта ундай осрашыу юҡ”, – ти Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков.
Бәләкәй инә айыу (йондоҙлоҡ) (лат. Ursa Minor) — йондоҙлоҡ, иң яҡты йондоҙо — Кохаб (β UMi), яҡтылығы 2,08 була. Майҙаны буйынса урыны — 56. Йөкмәткеһе 1 Күҙәтеү 2 Тарих 3 Иҫкәрмәләр 4 Һылтанмалар КүҙәтеүҮҙгәртергә ТарихҮҙгәртергә ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ҺылтанмаларҮҙгәртергә Йондоҙлоҡтар исемлеге. Был йондоҙҙар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.