text
stringlengths
279
69.3k
"Акбуҙат"тар Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Эдельвейс" балалар һәм үҫмерҙәр клубы ойошмаһында ҡунаҡта булып ҡайтты. Балалар менән "Аҡбуҙат" журналы тураһында һөйләп, шиғырҙар уҡып, йомаҡтар сисеп йәнле итеп аралашыу ваҡыты арауығында ошо ойошмала эшләп йөрөгән уҡытыусы ханым "Аҡбуҙат" журналына арнап шиғыр ижад иткән. Һәм уны беҙгә бүләк итеп бирҙе. Беҙгә бик оҡшаны, ә һеҙгә, дуҫтарым, нисегерәк?.. Доброго дня вам, друзья! Нашему журналу этот стих в подарок передал сам автор, преподаватель детского и подросткового клуба “Эдельвейс” г. Стерлитамака. Акбузат Журнал детский “Акбузат” У нас в гостях, я очень рад! Журнал этот не простой, Красивый, яркий и крутой! Для тех, он станет дорогой, Кто знает язык свой родной. Башкирский наш язык певучий, Потомок тюркского – могучий. Он льется, словно с гор рекой, И мягкий, словно облака. Читайте дети “Акбузат” Он лучше инстограмм, в стократ. (И будете умней в стократ!) "Акбуҙат"тар Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Эдельвейс" балалар һәм үҫмерҙәр клубы ойошмаһында ҡунаҡта булып ҡайтты. Балалар менән "Аҡбуҙат" журналы тураһында һөйләп, шиғырҙар уҡып, йомаҡтар сисеп йәнле итеп аралашыу ваҡыты арауығында ошо ойошмала эшләп йөрөгән уҡытыусы ханым "Аҡбуҙат" журналына арнап шиғыр ижад иткән. Һәм уны беҙгә бүләк итеп бирҙе. Беҙгә бик оҡшаны, ә һеҙгә, дуҫтарым, нисегерәк?.. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Изге Шәғбан минең үҙемә тәғәйенләнгән ай», — тигән, был турала үҙенең фәрештәләренә хәбәр биреп. Аллаһы Тәғәлә үҙе лә: «Эй, фәрештәләрем! Минең ҡолдарым булған бәндәләрҙең Минең һөйөклө илсем өсөн тәғәйенләнгән айҙы нисек итеп хөрмәт иткәндәрен, ололауҙарын күрҙегеҙме? Шуның өсөн дә Мин үҙемдең дәрәжәм һәм ҡөҙрәтем менән ҡолдарыма мәғфирәт бирәм», — тиер ти. Пәйғәмбәребеҙ үҙе лә элек бер генә айҙа ла Шәғбан айындағы кеүек күп итеп ураҙа тотмаған, тип хәбәр бирә мөхәддистәр. Бының сәбәбен ул үҙе лә: был ай — йылдың шундай бер миҙгеле, унда бәндәләрҙең бөтә тәүбәләре Аллаһ хозурына барып етә. Эштәрем Аллаһ хозурына барып еткәндә мин үҙем дә үҙемдең ураҙала булыуымды теләйем, тигән. Ни өсөн һуң Шәғбан изгеләрҙән-изге ай? Мосолман тормошонда бының сәбәптәре бик күп: Шәғбан айында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис- сәләм, Аллаһтың илсеһе булараҡ һайлап алына, ураҙа һәм зәкәт Шәғбан айында фарыз ителә, Ҡөрьән — Аллаһ хозурындағы изге Китап — Ләүхел-Мәхфүздән донъя күгенә төшөрөлә. Был айҙа Ҡиблабыҙ үҙенең асыл төбәге — Мәккә тарафына яңынан күсерелә. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Бәндәләрҙең доғалары ҡабул ителә торған биш кисә бар, улар: — Рәжәб айының беренсе йомаһының Рәғәиб кисе; — Шәғбан айының 15-се кисе, йәғни Бәра'әт кисе; — Кесе аҙна; — Ҡәҙер кисе. Әгәр ҙә кем дә булһа берәү Шәғбан айында ураҙа тотһа, ул кешегә Аллаһ йәннәтендә урын бирер. Әгәр ҙә инде ул Шәғбан айының 15-се кисен намаҙ менән үткәрһә, Аллаһы Тәғәлә уның кемделер үҙенә тиңдәш готоу, сихыр менән шөғөлләнеү, ата-әсәһен рәнйетеү, боҙоҡ юлда йөрөү, эскеселек менән мауығыу кеүек оло гонаһтарынан башҡа бөтә гонаһтарын ярлыҡар, ти. Төн йәки кисәләр — тәүлектең ҡараңғы ваҡыты. Төн тип әйтеү диндә йыш ҡына кинәйә булараҡ ҡулланыла: наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡ таралған дәүер тигәнде аңлата. Был ваҡыт донъяны хаҡиҡи ғилем яҡтылығы ташлап, иманһыҙлыҡ тамыр йәйеп алған саҡ була. Пәйғәмбәребеҙ килер алдынан донъя ана шундай ҡараңғылыҡ ҡаплап алған бер мәлдә Изге Рух — Ябраил, ғәләйһис-сәләм, пәйғәмбәребеҙгә Ҡөрьәндең тәүге аяттарын килтерә башларға әҙерләнә. Аҙаҡ пәйғәмбәребеҙҙең үҙенә лә: «Эй, Мөхәммәд, — тиелә, — беҙ Һиңә һәр нәмәне асыҡ аңлатып биргән аяттарҙы индерҙек, ул аяттарҙы инҡар итә торған булһа ла, выжданһыҙ, фасиҡ кешеләр генә инҡар итер». «Әл-Бәҡара» (һыйыр) сүрәһе, 99-сы аят «Аллаһ аяттарына инанмаған кешене Ул үҙе лә һидайәткә төшөрмәй». «Ән-Нәхл» (Бал ҡорттары) сүрәһе, 104-се аят «Дөрөҫлөктә, һеҙҙән алда йәшәгәндәргә лә Аллаһ Ислам динен генә өйрәткәйне. Аллаһҡа буйһонған кешеләр хаҡ диндә тура юлда булдылар. Нәфсе ҡотҡоһона бирелеп, шайтанға эйәргәндәр төрлө фирҡәләргә бүленеп, аҙашыу юлына төштө. Әммә нисек кенә йәшәмәһендәр, барыбер был донъянан үтеп киттеләр. Ер өҫтөндә йөрөгөҙ, ялғансыларҙың яҙмышы нисек булып бөтәүе тураһында уйланығыҙ». «Әлү Ғимран» (Ғимран гаиләһе) сүрәһе, 137-се аят «Аллаһ хөкөмдәренә риза булып, үҙ ирке менән Ислам динен тотоусы ирҙәр менән ҡатындарға; ышанырға тейешле, ышанырға лайыҡлы нәмәләрҙең һәммәһенә ышаныусы ирҙәр менән ҡатындарға; Аллаһ хөкөмдәренә буйһоноусы күндәм ирҙәр менән күндәм ҡатындарға; һүҙендә һәм ғәмәлендә тоғро ирҙәр менән тоғро ҡатындарға; ғәҙел йәшәп, динде дөрөҫ итеп алып барыу хаҡына бөтә ауырлыҡтарға түҙә белеүсе сабыр ирҙәр менән сабыр ҡатындарға; күңелдәре Аллаһ алдында түбәнселекле булып, дин эштәренә мөхәббәт һаҡлаған ирҙәргә һәм ҡатындарға; Аллаһ күрһәткән юлдарға зәкәт һәм саҙаҡа биреүсе ирҙәр менән ҡатындарға Аллаһ үҙенең ярлыҡауын һәм оло әжерҙәрен әҙерләне». «Әл-Әхзаб» (Ғәскәрҙәр) сүрәһе, 35-се аят Шәғбан айындағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе — Ҡибланың яңынан Мәккә тарафына боролоуы. Мәккәлә ваҡытта Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, намаҙҙы Ҡәғбәтулланың үҙендә, төрлө тарафтарҙа йөрөгән саҡтарында ғәрәптәрҙең рухи үҙәге Ҡәғбәтуллаға ҡарап уҡый торған була. Мәҙинәгә күсеп киткәндән һуң Аллаһы Тәғәлә әмере менән Ҡибла Бәйтелмөҡәддәскә ҡарай үҙгәртелә. Ун алты-ун ете ай буйы мосолмандар намаҙҙы алыҫтағы мәсеткә йүнәлеп уҡыйҙар. Әйткәндәй, Әл-Аҡса электән дә мосолмандарҙың рухи үҙәге була. Был изге мәсетте лә заманында Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, үҙе төҙөтә. Унан төрлө афәттәр, яуҙар һәм йылдар уны хәрәбәгә әйләндерә. Дауыт, ғәләйһис-сәләм, уны яңынан төҙөй башлай, әммә тамамлап ҡуя алмай, улы Сөләймән ҡарамағына ҡалдыра. Пәйғәмбәребеҙҙең Әл-Аҡса тарафына боролоп намаҙ уҡый башлағанын күргән йәһүдтәр: — Мөхәммәд менән уның сәхәбәләре Ҡибланы белмәй икән, беҙ ғибәҙәт ҡылғанды күргәс кенә уның ҡайҙа булыуын аңланылар, — тип һөйләп йөрөй башлай. Икенселәр иһә: «Динебеҙҙе яратмаһа ла, Ҡиблабыҙҙы Мөхәммәд ҡабул итте», — тип тә өҫтәп ебәрә. Ә Мөхәммәд үҙе Ҡибланың Ҡәғбәтулла тарафына яңынан күсерелеүен теләп, доға ҡылып ҡына тора. Ниһайәт: «Көнсығыш та, Көнбайыш та — Аллаһтыҡы. Үҙе теләгән ҡолон Аллаһ тура юлға үҙе күндерер. Тура юл — ул Ислам дине. Ҡәғбәтулла — Аллаһтың дуҫы Ибраһим Ҡиблаһы. Бөтәгеҙ өсөн дә уртаҡ Ҡибла. Беҙ һинең юғарынан хәбәр көткәнеңде күреп торабыҙ. Был — хаҡ. Шуға ла хәҙер Беҙ Ҡибланы яңынан үҙең теләгән, үҙең риза буласаҡ тарафҡа күсерәбеҙ. Йөҙөңдө Хәрәм-Шәриф — Ҡәғбәтулла тарафына йүнәлт! Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йөҙөгөҙҙө ошо Ҡибла тарафына йүнәлтегеҙ! Ә инде һин йүнәлеп намаҙ уҡыған Әл-Аҡсаны — Беҙ пәйғәмбәргә кемдәр эйәрер, кемдәр эйәрмәҫ тип, һынар өсөн генә Ҡиблаға әйләндергәйнек». « Әл -Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 143—144 -се аяттар Тағы ла бер риүәйәткә ҡарағанда, һижрәттән һуң икенсе йылдың Рәжәб айында үҙенең сәхәбәләре менән бергә бәнү Сәләмә мәсетендә намаҙҙың ике рәҡәғәтен Әл-Аҡса тарафына ҡарап уҡығас, Ҡибланың Ҡәғбәтулла тарафына күсерелеүе тураһындағы ошо аяттар инә. Намаҙҙың һуңғы рәҡәғәттәрен Аллаһ илсеһе Ҡәғбәтуллаға ҡарап тамамлап ҡуя. һуңынан был мәсет Зүльҡибләтәйн йәки ике Ҡибла эйәһе тип атала башлай. Бәра’әт кисе Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Шәғбан айының 15-се кисен ғибәҙәттә үткәрегеҙ, көндөҙ ураҙа тотоғоҙ. Сөнки ул кистә йәки төндә ҡояш ҡалҡҡансы Аллаһы Тәғәлә донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Ғәфү итеүемде теләгән кешеләр юҡмы? Булһа, Мин уларҙы ғәфү итәм. Ризыҡҡа мохтаждар, ризыҡ һораусылар юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә батҡандар, сәләмәтлеккә туймағандар юҡмы? Йыуаныс һәм шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәрегеҙ булһа ла, һорағыҙ — теләктәрегеҙҙе үтәрмен», — тиер һәм был мөрәжәғәттәр ҡояш ҡалҡҡансы дауам итер», — тигән. Был кистең бик тә хөрмәтле кис булыуы тураһында хәтергә төшөрөп, Ғәйшә инәбеҙгә лә ул: «Был кис, — ти, — Шәғбан айының уртаһындағы Бәра'әт кисе. Был кистә Аллаһ бәни Кәлр ҡәбиләһендәге һарыҡтарҙың төктәре һанынса кешеләрҙе йәһәннәм утынан ҡотҡарып ҡалыр. Аллаһҡа тиңдәш тотоп йөрөгәндәргә, күңелендә мосолман ҡәрҙәшенә асыу-кенә һәм дошманлыҡ һаҡлап, араларҙы өҙөп йәшәгәндәргә, иҫерткес шарап эскәндәргә генә илтифат итмәҫ». Бәра’әт кисендә, тимәк, бәндәләрҙең бер йылға билдәләнгән яҙмыштары фәрештәләр ҡарамағына тапшырыла йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең йыйыр ризығы, байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы дәрәжәләре, тыуасаҡ һәм үләсәк кешеләр — бөтәһе лә бына ошо кистә билдәләнеп ҡуйылыр икән. Игелектәренә сауабын арттырыу, гонаһтарын ярлыҡап ҡына тороу өсөн яралтып бар иткән. «Был ваҡыттарҙың ололоғон аңлап, гонаһтарығыҙҙы ғәфү итеүемде һорағыҙ, Мин уларҙы ғәфү итермен», — тигән. Бындай изге мәлдәрҙе мосолман күберәк ғибәҙәттә булырға, насар ғәҙәттәрҙе ташлап торорға, игелектәрҙе күберәк эшләп ҡалырға тырыша. «Иман. Әхләҡи ҡиммәтәр», Суҡбаев С. Х. Бәра'әт кисәһе намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/b%D3%99ra%D3%99t-kis%D3%99%D2%BBe-nama%D2%99y.html Шағбан айы ошо биттә: https://nazir1965.com/din/sh%D3%99%D2%93ban-ajy.html#more-5864 Twitter Digg Facebook Delicious StumbleUpon Эта запись написана автором Назир Сабитов, 19.04.2018 в 20:30, и размещена в категории Дин. Следите за ответами на эту запись с помощью RSS 2.0. Вы можете написать комментарий или разместить обратную ссылку на своем сайте. Ошо сайтта кәрәк мәғлүмәт эҙләр өсөн, аҫҡы юлға, мәҫәлән: башҡорт, – тип яҙһағыҙ шул биттәр асыла Ошо аҫтағы *поиск* юлға кәрәк һорау (мәҫәлән: доға (ошо һүҙҙе копировать итеп)) яҙһағыҙ – шул биттәр асыла
Мәхмүт төтөнгә сәсәп уянды. Торорға маташты. Ләкин айнығып та етмәгән кәүҙәһе уны тыңламаны. Ауырлыҡ менән асҡан күҙен төтөнгә әсеттерә-әсеттерә тирә-яҡты байҡаны, ундағы мәхшәрҙе күреп, ҡото осто. Гәрбилдән арлы-бирле әтмәләгән аласығын төтөн баҫҡайны. Ул сәсәй-сәсәй, бар көсөн йыйып, аласыҡ ауыҙына шыуышты. Аласыҡ эсенең ҡайһы бер ерен ялҡын ялмап алғайны. Бомж Унан бөрккән эҫелек кейеме аша тәнен өттө. Ошо мәлдә аласығының бәләкәй булыуына ҡыуанды. Бер-ике ынтылыуҙа тышта ята ине инде. Әйле-көйлө ҡар өҫтөндә бер аҙ ятҡас, тороп ултырырға маташты. Бая булдыра алмаһа ла, хәҙер үҙендә көс тапты. Хәйер, ҡапыл булған ҡот осҡос хәл уны айнығырға мәжбүр итте. Ут ялмап алған аласығына ҡарап, күңелһеҙ уйҙарға батты. «Ҡыш уртаһында йәшәр урынһыҙ ҡалдым да инде», – тип ҡобараһы осто. «Хәҙер ҡайҙа барам, ҡышты туңмай ҡайҙа үткәрәм инде?» Ошо уй мейеһен телгеләне. Был ауыр уйҙан ҡотолорға теләгәндәй, кисәге «запас» ҡалдымы икән, тип ирекһеҙҙән кеҫәһен һәрмәне. Был ни ғәләмәт?! Бармағы «фанфурик»тың быяла тәнен тойҙо. Күңеленә йылы йүгерҙе, ҡара һөрөмгә буялған йөҙөндә йылмайыу шәүләһе барлыҡҡа килде. Был бәләкәй генә һауыттағы эсемлек тамағын сылатырлыҡ ҡына булһа ла, уны бер аҙ тынысландырҙы. Дөрләп янған аласығының тирә-яғын ҡарап сығырға көс бирҙе. Өҫтөндәге майланып бөткән кейемен барланы, сисенеп ятмауына ҡыуанды. Хәйер, нисек сисенһен инде өшөмәй. Аласығын гәрбилдән генә әтмәләп алғайны. Уныһы тишек тә тошоҡ, тыш күренеп тора. Аласыҡ уртаһында ултырған тимер мейесе генә уны һалҡындарҙан ҡотҡара ине. Әлдә, әмәлгә ҡалғандай, эргәлә генә өс-дүрт пилорама көнө-төнө таҡта быса. Пилорамсыларға әйтеүе генә көс: ҡайҙа һелтәргә белмәгән гәрбилдәрен өйөп китәләр. Ул көслө уттың ҡыҙыулығына ҡып-ҡыҙыл булған тимер мейесен ҡотҡарырға теләгәндәй, утҡа ҡар киҫәктәре бырғатырға маташты. Ҡайҙан инде утты еңерһең, ул ҡыҙыулай ғына бирҙе. «Яңынан аласыҡ әтмәләргә гәрбил-фәләнен табырмын да ул. Мейесем ҡыҙыу утҡа бирешмәһә генә ярар ине» – бар теләге уның шул булды. «Ярай, тере ҡалдым, баш һау булһа, мал табыла ул», – тип үҙен тынысландырырға, кисәге көндө күҙ алдына баҫтырырға маташты. Һәр йәкшәмбе күрше ауылда баҙар була. Ул дуҫ-әшнәләрен күрергә, мөмкинлек булһа, тамаҡ сылатырға өмөтләнеп, таң менән йәйәүләп сығып китте. Оло юл эсе техниканан гөжләп торһа ла, уны ултыртыусы булманы. Һаҫыған кешене кем ултыртһын инде. Ул быға үпкәләмәй ҙә, кешеләрҙең сирҡанып ҡарауын еңел кисерә. Дөрөҫөрәге, иғтибар итмәй. Ошолай йәшәү рәүешенә күнеккән. Әҙәмдәрҙән мыжғып торған баҙарҙа ҡайҙа һуғылырға, кемгә бәйләнергә белмәй оҙаҡ йөрөнө. Һатып алыусыға, һатыусыға көсләп һүҙ ҡушып маташты, үҙенең аяныслы яҙмышын, ас икәнен белдереп, уларға тилмереп ҡараны. Ҡайһы берәүҙәр йәлләп, икенселәр унан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарап, тинлектәр бирҙе. Баҙарҙа ошолай һоранып йөрөй торғас, усында апаруҡ ҡына аҡса йыйылды. Уны ул, магазинда кәштә аҫтынан һатылған «фанфурик»ка алмаштырып, баҙарҙан алыҫ йәшәмәгән хәмерҙәше Мөхтәргә тәнтерәкләне. Иҫкелектән ергә һылашҡан был бәләкәй генә өйҙән ҡауылдаған тауыштар тышҡа уҡ ишетелә ине. Мәхмүт яртылаш асыҡ ишекте асып, һыуыҡ өйгә үткәс, тәмәке төтөнө араһында ике кешенең шәүләһен шәйләне. – Махмай килгән дә инде. Фьют-фьют! – тип һыҙғырып, мыҫҡыллап, уны Самат ҡаршыланы. – Ниңә өңөңдә генә ятмай, темеҫкенеп йөрөйһөң? Пошел вон, собака! – Ҡуй әле, Самат, үҙебеҙҙең братан да инде. Инһен, өҫтәл артына ултырһын, – тип Мөхтәр уға ярҙамға килде, – моғайын, ул ауыҙ һәлберәтеп килмәгәндер. – Посмотрим, – тип Самат йоҙроҡтарын төйнәп-төйнәп алды, – әгәр чистоган булмаһа, ана тора юлың! Мәхмүт ҡалтыранған ҡулдары менән кеҫәһенән ике «фанфурик»ты тартып сығарып ер төҫө ингән бысраҡ өҫтәлгә ултыртты ла, күҙҙәрен серт-серт йомоп, Саматҡа текәлде. Афған һуғышында булған, контузия алған был ирҙән бөтә нәмә лә көтөргә була ине. Шуға ҡапыл йоҙроҡ эләкмәһен, тип Мәхмүт артҡа сигенә бирҙе. – Самопалға ҡарағанда, был нәҫтәкәй күпкә таҙараҡ та инде. Ултырһын беҙҙең менән, – тип Мөхтәр Саматҡа ҡарай-ҡарай, уны өҫтәл янына саҡырҙы. – Твоя воля, ты – здесь хозяин. Только садись подальше, от него пахнет дурно, – тип Самат шыла биреберәк уға урын бирҙе. Шыйыҡса ауыҙҙы яндырып, тамаҡты әсеттереп ҡорһаҡҡа төшкәс тә, бар нәмә үҙ урынына ултырҙы. Ҡурҡыу, үпкәләүҙәр юҡҡа сыҡты, ауыҙҙан һүҙҙәр сыҡты. Тәүҙә ул ғәҙәтенсә хөкүмәтте һүкте. Элекке тормошта араҡының 3 һум да 62 тин, шырпының 1 тин булыуын һағынып иҫкә төшөрҙө. Ғаиләһен дә «яҡшы яҡтан» иҫкә төшөрмәй ҡалдырманы. Өйһөҙ ҡалыуына, ошондай яҙмышҡа дусар булыуына уларҙы ғәйепләне. Был бәләкәй генә өйҙә «контингент» алышынып торҙо. Берәү килә, берәү сыға, өҫтәлдә төрлө дәүмәлдә, төрлө һауытта, төрлө градуста эсемлектәр барлыҡҡа килә лә шунда уҡ өҫтәл артында ултырғандар тарафынан бушатыла торҙо. Мәхмүт шулай бүтәндәр менән ауыҙына ни тура килә, шуны эсеп, нисек иҫергәнен дә, нисек алты саҡрымды ҡайтып етеп аласығына ҡолағанын да хәтерләй алманы. Аласыҡ тирәһе бик эҫе булһа ла, Мәхмүт өшөгәнен һиҙҙе. Бысраҡ, ҡоромло, артына «Сургутнефтегаз» тип яҙылған спецовкаһының замогы муйынына тиклем тартылһа ла, өшөүе кәмемәне, артты ғына. Ул өшөүҙән ҡотолоу өсөн утты һүрәнләтмәне, аласығына тирә-яҡтан гәрбил ташып, йәне көйөп утҡа бырғаны. Барыһы ла янып бөтһөн. Бар донъя түңкәрелһен. Бар донъянан ваз кисеп, эсеүҙән туп урынына әүерелгән башын эшләтергә маташты. Нишләптер мәктәпте тамамлап, ҡыуанып йөрөгәндәрен, әрме сафтарында йөрөүен иҫләне. Бер ҡыҙға ғашиҡ булып, кәләш алыуын, уларҙы ҡыуандырып, балалары тыуыуы... Ошоларҙың төш һымаҡ ҡына үтеп китеүенә үкенде. Үҙе лә һиҙмәҫтән араҡы ҡолона әүерелде лә ҡуйҙы. Бер рюмканан башлаған эш оҙайлы «запойҙар»ға алып килде. Һуңынан ул араҡыһыҙ тора алмай ине. Эшенән ҡыуылды. Ҡатыны күпме уны араҡынан арындырырға тип көрәшмәһен, файҙаһы булманы. Эскән кеше кемгә танһыҡ инде. Ғаиләһенән дә айырылырға тура килде. Өйһөҙ ҡалды. Берәҙәккә әүерелде. Әҙәмгә шул тиклем күп кәрәк, шул уҡ ваҡытта шул тиклем аҙ кәрәк. Уға хәҙер эсте яндырып төшөп, башты әйләндергән шыйыҡса булһа, шул етә ине. Үҙе һымаҡ әшнәләре менән иртәнән кискә тиклем магазин төбөндә ултыралар. Һораныуҙан тинләп булһа ла аҡса йыйыла. Ул шунда уҡ шыйыҡсаға әүерелдерелә. Тора-бара әшнәләре теләһә нәмәнән эсеп үлеп бөттө. Әйтерһең, уның ашҡаҙаны тимерҙән инде. Ул яңғыҙы тороп ҡалды. Ҡарт әсәһе үлеп, барлыҡ донъяла яңғыҙы тороп ҡалғас, хәҙер әрләүсе лә, әпәүләүсе лә юҡ ине. Ул ғына түгел, апайҙары: «Беҙҙе оятҡа ҡалдырып, урам буйлап, урам эте һымаҡ, эсеп тик йөрөйһөң. Кит бынан!» – тине. Ҡайһы берҙә ҡатынын да, балаларын да күреп ҡала. Ул уларға ынтылһа, боролоп китәләр. Мәхмүт баш һуҡҡан яҡҡа сығып китте. Әллә ни ҙурҙан булмаған ҡалаға барып эләкте. Тәүҙә ҡаланың вокзалына күҙ һалды. Алама бүркен тубығына һалып сүкәйеп кенә ултырғайны. Тин алаһы урынына туҡмаҡ алды. Вокзал биләнгәйне. Урамда ҡайҙа башын тығырға белмәй оҙаҡ ҡына йөрөнө. Асыҡҡас, кешеләр ҡый түккән йәшниктәрҙе тикшерҙе. Төн үткәреү өсөн күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын тикшереп сыҡты. Бәхеткә күрә, шундай бер подъезы асыҡ йорт табылды. Йылы булһын тип өҫкө ҡатҡа үк менде. Почта йәшнигенән алған гәзитте түшәп һалды ла һуҙылып ятып йоҡлап та китте. Йоҡоноң иң тәмле мәлендә кемдер аяғына ҡаты итеп типкәнгә тертләп уянды. – Вот, нахал, ай, как барин расположился, – тип ҡып-ҡыҙыл йөҙлө, дәү кәүҙәле мәрйә тормаһынмы?! Был тирәнән һыпыртыуҙан башҡа сара ҡалманы. Һалҡын булһа ла, ошо йорттоң подвалға төшкән ерендә төн уҙғарырға тура килде. Иртәгәһен «торлаҡ» эҙләү менән көнө үтте. Подвалдарҙы тикшерҙе. Подъезы асыҡ торған йорттарға инде. Гараж һымаҡ ерҙәрҙе ҡараны. Боҫрап йылы һауа сығып торған ерҙә ике үҙе һымаҡ берәҙәктең «территорияны» бүлешә алмай һуғышҡанын ҡарап торҙо. «Ҡалала бындай йылылыҡ трассалары етерлек тә инде, миңә лә шундай ерҙә эҙләргә кәрәк», – тигән фекер башына барып етте. Төнгә генә көс-хәл менән шундай урынды тапты. Ҡараңғыла һәрмәнә-һәрмәнә йомшаҡ, йылы урын тапҡас, иҙерәп йоҡлап китте. Ҡурҡыныс төш күрҙе. Күҙе ут кеүек янған һөлдә уның үңәсен һығырға маташты. Тыны ҡыҫылыуҙан сәсәп уянып китте ул. Албырғап, оҙаҡ ҡына ятҡас, һәрмәнеп торорға ынтылды. Шунда бармағы ниндәйҙер ҡаты нәмәне тотоп алды. Уны баштан-аяҡ тикшергәс, сәсе үрә торҙо. Был кеше һөлдәһе ине. Ул шарылдап, ҡото осоп, урынынан тороп сапманы. «Тыныслығыңды боҙған өсөн ғәфү ит инде», – тип һөйләнде лә кеше һөйәктәрен ситкә шылдырҙы. Ошоноң менән ҙур хата эшләне. «Һунарҙан» ҡайтып, әлеге «торлағына» яҡынлашҡас, погонлы кешеләрҙе күрҙе. Яҡшы саҡта был тирәнән һыпыртыуҙан башҡа сара юҡ ине. Ҡалала ошолай төртөлөп, һуғылып, өшөп-туңып бер ун көн тигәндәй яҙмышын һынап йөрөгәс, тере саҡта бынан һыпыртыуҙы хуп күрҙе. Ауылына кире ҡайтҡыһы килмәй ине. Эләгеп-һарҡып, бына әле тереклек иткән ошо төпкөл ауылға килеп төштө. Был ташландыҡ ауылда дүрт йортта дүрт кеше йәшәүе мәғлүм булды... Уның байы ағас бысыусы пилорамалар етерлек ине. Тәүҙә шунда темеҫкенеп йөрөнө. Арлы-бирле эш күрһәткән булып, эшселәр менән аҙыҡ бүлеште, уларҙан эсергә лә арта ине. Йылы будкаларында йоҡлап, ҡарауылсы һымаҡ та йөрөнө. Ләкин бындай матур көндәр, төндәр оҙаҡ барманы. Бысҡы юғалғас, уны бурлыҡта ғәйепләп, ҡыуып ебәрҙеләр. Уға туңып үлмәҫ өсөн аласыҡ әтмәләргә тура килде. Пилорамсылар йәлләп, тимер мейес бирҙе. Аслыҡҡа күптән өйрәнгәйне ул, бына эсмәй бер көн тора алмай. Уның өсөн былай ҙа йәмһеҙ тормошо емерелә лә ҡуя инде. Эсһә, болоттар араһынан ҡояш килеп сыға, донъя түңәрәкләнеп китә. Уға ҡарап әйткән насар һүҙҙәр, ҡараштар кире ҡаҡлыға. Йәшәү рәтләнә, тын алыу еңеләйә. Шуға күрә ас бүре кеүек һәр ваҡыт эҙләнеүҙә. Пилорамсылар ҡыуып торһа ла, теге-был сәбәп тапҡан булып, эргәләрендә урала ла сурала. Уларға ҡырҙан таҡта алырға килгән машиналар килһә, ҙур байрам. Таҡта тейәшһә, мул ғына өлөш сыға. Йә араҡы, йә аҡса тотторалар. Күрше ауылға йыш бара. Айырыуса аҙнаның бер көнөндә булған баҙар көнөн ярата ул. Табын йыйып, үҙе һымаҡ әшнәләштәре менән байрам ойошторалар. Мәхмүт янған аласығына күпме утын һелтәһә лә йылына алманы, ҡалтырап өшөй башланы. Етмәһә, көн дә һыуытты, буран сыҡты. «Тыштан ғына түгел, эстән йылытыусы нәмәҫтәкәй кәрәк ине шул», – тип ауылдаштары янына күңелһеҙ генә ҡарап ҡуйҙы. Бер нисәүһенең өйөнөң тәҙрәһендә уттар ҙа күренә. Эсергә һоранып йөрөүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлай ине. Бәлки пилорамсылар килгәнсе йылынырға берәй мөйөш һорап торорғалыр? «Һаҫығанһың, тип индермәһәләр», – тип өмөтһөҙләнде. Шулай утҡа йылына алмай, туңып өшөй башлағас, ирекһеҙҙән ауылдаштары яғына тәнтерәкләне. Үҙенең «йортонан» алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан иҫке өйҙөң алдына килеп туҡтаны. Унда йәшәгән ҡатындың йөҙөн күҙ алдына килтерҙе лә, файҙаһыҙ икәнен аңлап, ары атланы. Дөрөҫөрәге, бер һоранып килгәнендә: «Утынымды ярып бирһәңсе», – тигәнгә, «Тәүҙә баш төҙәт тә шунан эшләрмен», – тип эсеп иҫереп, алдап киткәйне түгелме һуң әле. Шлакоблоктан эшләнгән яңы өйҙөң тәҙрәһенән ут күренә ине. Был уның күңеленә йылылыҡ йүгертте. «Моғайын, йоҡламайҙыр, уятып, бимазалап йөрөмәйем дә инде», – тип тимер ҡапҡаның тотҡаһынан тартты. Уныһы келәгә ябылғайны. Уның аяҡ тауышын ишетеп ҡапҡа эсендә эттәр өрөп ҡуйҙы. Бында бер генә эт түгел, йөҙ эт өргәндәй тойолдо уға. – Кем унда? Нимә кәрәк? – тигән ҡатындың эскернә тауышы ишетелде. – Мин ни... Ауылдашың Мәхмүт инде. Донъям янып китте. Өшөнөм, туңдым, пилорамщиктар килгәнсе, соланыңда булһа ла ултырып торһамсы. – Ә теге бомжмы? Эйе, индерермен, индермәй ҙә! Берәй аҙашып килеп сыҡҡан бесәй булһа, пожалуйста, һиңә юҡ! Был һүҙҙәр уны шаңҡыта һуҡты. Был ҡатындың күп бесәй, эт аҫырап, ҡалала күршеләренә ярай алмай, бында килгәнен белә ине. Кеше ғүмеренә ҡарағанда бесәйҙеке ҡәҙерлерәк икән, тип һүкте лә ары атланы. Шул ҡыҙыулыҡ менән барып, икенсе ауылдашының ишеген шаҡыны. Оҙаҡ ҡына ҡыштырҙауҙан һуң ишектән өҫтөнә күн куртка ябынған аҡ сәсле, олпат кәүҙәле ир күренде. – Нимә кәрәк һиңә? Темеҫкенеп төн уртаһында нимә эҙләнеп йөрөйһөң ул? Мин һиңә теге ваҡытта әйттем бит, бында юлды онот тип, мин һиңә брат, сват түгел ана бара юлың! – тип ишекте ябырға итте. Ләкин Мәхмүт унан етеҙерәк булды, ябылып барған ишеккә аяғын тығып өлгөрҙө. Был ҡыланышына үҙе аптыраны. «Туңып үлеп барһаң, хатта йоҙроҡтарҙан да ҡурҡмайһың икән», – тип уйлап алды. – Зинһар, индерегеҙ инде. Донъям янды ла туңдым, өшөнөм. Әҙ генә йыылынам да сығам мин, – тип ялбарҙы. – Мин дә кеше лә инде. Хәлемә керегеҙ, зинһар! – Хәстрүш, һинең ниндәй донъяң булһын. Бына минең булды ул донъя, – тип ир маҡтанырға итте лә бында урынһыҙ икәнен аңлап, – кит бынан, һине һаҫытып, өйгә индереп тормайым инде, – тип уны этеп ебәреп, ишеген япты. – Бюрократ, бур, һинең дә өйөң янһын. Хәйер, маҡтанған хоромаларың ҡайҙа һинең? Бурлығың өсөн конфисковать иттеләрме? Бахыр булып бында йәшәп ятаһың. Ҡайҙа бисәң, дуҫтарың – барыһы ла ҡасҡан бит, – тип үс алыу өсөн тип кешенең ҙур түрә булып уғрылығы арҡаһында ҡыуылғанын белеп, бөтә әсе һүҙен сәсте. Уның күңеле күптән ташҡа әүерелһә лә йомшарҙы, илағыһы килде. Берҙән-бер өмөтө – шул өсөнсө ауылдашы ҡалды инде. Был өйҙә ул аҡылға зәғиферәк бер һонтор кәүҙәле егет йәшәгәнен белә. Унан файҙа булыр, мине индерер микән, тип икеләнеберәк ишек шаҡыны. – Кто такой? – тип яртылаш асылған ишектән ялбыр баш күренде лә, – Әсәйем берәүгә лә ишек асырға ҡушманы! – тип уның танау осонда ишек «шарт» ябылды. Был ысынбарлыҡҡа шаңҡып оҙаҡ ҡына торҙо. «Өйөм, торлағым булмаһа, мин дә кеше лә инде. Ике ҡулым, аяғым, башым бар. Улар һымаҡ һөйләшә беләм, хайуандың хайуаны бер-береһенә ауыр булһа, ярҙамға килә. Беҙ кешеләр ҙә баһа. Ярай, аҡылға зәғиф егеттән спрос булмаһа ла, теге икәүҙең башы бар түгелме? Әҙ генә йәлләү тойғоһо булырға тейеш түгелме һуң?» Уның хәҙер туңып үлмәҫ өсөн бер сараһы ғына ҡала. Аласығына кире ашығырға кәрәк. Унда ғына туңып үлеүҙән ҡотолоу бар. Алыҫта ятҡан аласыҡтың уты һүрәнәйгәйне. Хәйер унан килгән яҡтылыҡ, бер ҡараһаң, бар донъяны яҡтырта, бер ҡараһаң, бөтөнләй һүнеп ҡалған һымаҡ тойолдо уға. Ул үҙенең хәле бөткәнен һиҙҙе. Өшөүен онотто, хәйер, тәне бер нәмә лә һиҙмәй ине. Бер-ике рәт аяғына буталып ҡолап та алды. Шул бер ҡолауында бөтөнләй торғоһо килмәне. «Кемгә хәҙер кәрәге бар, ятып туңып үлгәм дә ҡуйғам», – ары йәшәүгә өмөтһөҙләнеп ҡуйҙы. Ул бар донъяға битараф ине. Ята торғас, йылынғандай тойолдо, хатта сисенгеһе килде. Уға рәхәт ине. Ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар, ауырыуҙар, өшөүҙәр, асығыуҙар – барыһы ла юғалды. Үҙе һайлаған яҙмышын күрмәҫ өсөн мәңгегә күҙе йомолдо... Ул ап-аҡ постелдә, ярым шәрә көйө уянып китте. Тирә-яҡ яҡты, йылы ине. Тәмле еҫтәр ҙә таралғайны. Айҙар буйы йыуылмаған тәнендә лә еҫ тойманы. Ожмах тигәнең ошо буламы икән. Ҡалай бында рәхәт! Уға тамуҡҡа эләгәң, тигәнейләр ҙә баһа? Яҡты донъялағы ниндәй хеҙмәтең өсөн бында килеп эләктең һуң әле? Ләззәтлекте оҙонға һуҙырға теләгәндәй, ҡыбырларға ла ҡурҡып оҙаҡ ҡына ятты. Аяҡ-ҡулдарын һәрмәп ҡараны, барыһы ла үҙ урынында, теүәл. Ирекһеҙҙән тәнен семтеп ҡараны. Ауырта. Ундай ергә эләкһәң, тәнеңде һиҙмәҫкә тейешһең түгелме? Аптыранды. Ожмах булғас, хур ҡыҙҙары ла булырға тейештер бит, тип уйлап тирә-яғын ҡарар өсөн башын ҡалҡытты. Өҫтәл эргәһендә уралған таныш йөҙ күренде. Был аласығынан алыҫ йәшәмәгән күрше ҡатын ине. Ҡапыл уға ер түңкәрелгәндәй тойолдо. Ул оятынан башын ҡайҙа тығырға белмәне. Эшләмәгән эш өсөн алдап аҡсаһын алған, ә ул мине үлемдән, туңып үлеүҙән ҡотҡарған. Ул ғына ла түгел, йыуындырылған, таҙартылған көйө уның түшәгендә ятам. Бындай изгелеге уның башына һыйманы. – Ә, уяндыңмы? Туңып үлмәһә генә ярар ине, тип ныҡ ҡурҡҡайным, – тип ҡатын шат йылмайҙы. – «Скорый» саҡырам тип уйлағайным, ҡайҙан был төпкөлгә килһендәр инде. Кире уйланым. Алай ҙа спиртым ултырған, түшеңде шуның менән ыуҙым. Файҙаһы тейгәндер, моғайын. Был ысынбарлыҡта ошолай тормош ағымы Мәхмүтте тамам аптыратты. Ярым шәрә ятыуын аңлап, күҙе менән тирә-яҡтан кейемен эҙләне. – Мин уларҙы йыуып элгәйнем, – тип ҡатын уның кейем эҙләгәнен һиҙеп, әйтеп ҡуйҙы. Мәхмүт тағы аптыранды. – Моғайын, һурыҡҡандыр. Тәндә булһа ла кибер ул. Моғайын, пилорамщиктар ҙа эшкә килгәндер, – тип торорға ынтылды. – Бөтәһе өсөн дә һеҙ мине ғәфү итегеҙ инде. – Ятығыҙ әле, ятығыҙ. Пилорамщиктарың эшкә килеп, эштән ҡайтты инде. Хәҙер көн үтеп, тағы кис булды. Хәҙер сәй эсеп алырбыҙ. – Мин һеҙҙе алданым, иң һуңғы кеше булдым, ә һеҙ мин ҡотҡараһығыҙ, изгелек эшләйһегеҙ, – тип Мәхмүт телгә килде. – Ошонда йәшәгән өс кешегә барҙым. Улар өйөнә индереү түгел, һикәлтәһенә лә баҫтырманы. Ә һеҙ.. аңламайым... Уянғас та, һеҙҙе хур ҡыҙы, тип уйлағайным. Әле лә шулай тип уйлап ятам. Минең һымаҡтарға хәҙергә мәлдә ябай кешеләрҙән изгелек көтөрһөң, көтмәй. – Мин дә шул ябай кеше. Ғүмер буйы балниста медсестра булып эшләнем. Кеше һаулығы, ғүмере өсөн көрәштем. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ирем менән улымдың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алманым. Аварияла үлде ул бахырҙарың, мине яңғыҙ ҡалдырып киттеләр. Ҡалала йәшәүҙән толҡа тапмай, был төпкөлгә күсеп килдем. Күңел тыныслығы эҙләнем. Бында матур тәбиғәт, кеше әҙ, иркенлек. Ләкин ҡайҙа ғына барһам да, ҡәҙерлеләрем арттан эйәреп йөрөй. Теге донъяла булһалар ҙа, минән ярҙам һорағандай итәләр... Әле лә һинең туңып ятҡаныңды күреп, ярҙам иткәс, күңелемә рәхәт, тыныс булып ҡалды. Мәхмүт ҡотҡарыусыһының өйөнән иртәнсәк кенә сыҡты. Был ҡатынға рәхмәттәре бөтмәне. Үҙен дә, ҡатынды ла аптыратып, мәңге араҡыға оронмаҫҡа һүҙ бирҙе. Шунан урамда өйөлөп ятҡан утынға ҡарап: «Мин хәҙер утынығыҙҙы ярып, өйөп ҡуям», – тип ҡулына балта алды. Фото: tyblako.livejournal.com https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-03-14/bomzh-2726476 Автор:"ҺӘНӘК" журналы Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ошо көндәрҙә Учалы районы ауылдарының береһендәге йорт ҡыйығы эсендә 22 грамм наркотик – марихуана табыла. Ул – психоактив матдә, рәсми телдә каннабис тип тә йөрөтөлә, киндерҙән алына. Учалы район-ара прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 37 йәшлек гражданға ҡарата һатыу маҡсатын ҡуймайынса наркотик алған һәм һаҡлаған өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ярар ҙа, һатып маташҡаны асыҡланмай, ул осраҡта яуаплылыҡ күпкә ҡатыраҡ булыр ине. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таныған, материалдар судҡа йүнәлтелгән. Фото: penzavzglyad.ru https://bash.rbsmi.ru/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарын тантаналы ябыу сараһы үтте. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарын тантаналы ябыу сараһы үтте. Был конкурстар нигеҙендә шулай уҡ “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” башланғыс кластар араһында йыл уҡытыусыһы, иң йәш педагогтар ҙа билдәләнде. Конкурста еңгән педагогтарҙың барыһы ла республиканың иң яҡшы уҡытыусылар фондын тулыландырҙы. Быйыл 5 конкурстың жюри сафына 100 кеше инде. Тап улар иң яҡшы педагогтарҙы билдәләне. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе һәм “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимнапзия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева лайыҡ булды. Еңеүсе республика фән һәм мәғариф министрлығының дипломы, почет грамотаһы, 30 мең һумлыҡ аҡсалата премия һәм телевизор менән бүләкләнде. Конкурстың лауреаттары исемлегендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Иглин районы педагогтары бар. Улар 15 мең һумлыҡ премия һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” еңеүсеһе исеменә Өфө районы Михайловка ауылы мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динара Харисова лайыҡ булды. Уҡытыусыға шулай уҡ аҡсалата премия, телевизор тапшырылды. Лауреаттар исемлегендә Өфө, Октябрский, Салауат районының Татар Малаяҙы, Баҡалы районы мәктәбе уҡытыусылары бар. “Иң йәш йыл уҡытыусыһы” конкурсының еңеүсеһе итеп Өфөнөң 3-сө гимназияһының физика уҡытыусыһы Петр Белобородов билдәләнде. Шулай уҡ исемлектә төрлө мәктәптәрҙән лауреаттар ҙа бар. Башланғыс кластар уҡытыусылары араһында ла йыл педагогы билдәләнде. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” исеменә Благовещен тҡалаһының 3-сө мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зинера Ибатуллина лайыҡ булды. Лауреаттар исемлегендә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, Учалы, Стәрлетамаҡ, Октябрский ҡалалары бар. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе итеп Өфө районы Дорогино ауылының Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемен йөрөткән мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тансулпан Сафетдинова лайыҡ булды. Лауреаттар арһында Сәтрлетамаҡ, Өфө, Дүртөйлө ҡалалары бар. Почетлы урындарҙан тыш конкурста ҡатнашҡан уҡытыусылар төрлө номинацияларҙа, шулай уҡ махсус приздар, Сухомлинский миҙалы менән билдәләнде. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, рустар соборы һәм башҡа ведомстволар ҙа үҙҙәренең махсус призын булдырҙы. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Әсәйҙәр, бала саҡта ашаған һөтлө коржиктарҙы иҫләйһегеҙме? Шул тәмлекәстең рецепты, һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе һыйлағыҙ. Әсәйҙәр, бала саҡта ашаған һөтлө коржиктарҙы иҫләйһегеҙме? Шул тәмлекәстең рецепты, һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе һыйлағыҙ. Кәрәк була: ярты стакан һөт 1 йомортҡа 100 г аҡ май 1ст. шәкәр 3-4ст. он 1 ҡап ҡабартҡыс Әҙерләү: Һөткә шәкәрҙе һалып утҡа иретергә ҡуябыҙ, ирегәс 1-2 минут ҡайнатып комната температураһына тиклем һыуынғанын көтөргә кәрәк булыр. Икенсе һауытта йомшарған май менән йомортҡаны болғатып, өҫтөнә һыуынған һөттө ҡоябыҙ ҙа ныҡ итеп туғыйбыҙ. Ҡабартҡыс менән ондо ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Хәҙер йәйергә лә мейескә оҙатырға ғына ҡала. Йәймәнең ҡалынлығы 0,8 мм диаметры 10 см тирәһе була. Тиҙ генә бешә был йәймәләр, шуға күрә оҙаҡ тотмағыҙ, 10-15минут етә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Рецепт һәм фото: https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_652%2Fall Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш төбәк йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә лә бирелә. Бында бигерәк тә йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын үҫтереүгә иғтибар ҙур. Уларҙы һәр иртән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Рәми Ғарипов, Мөхәмәтша Буранғолов, Сибай Шәйәхмәтов, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың һыны тәбрикләй, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡаларҙың мөһабәт барельефтары ҡаршылай. Заман менән бергә үҫәләр Студенттарға белем алыу өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған: улар заман талаптарына ярашлы кабинеттарҙа шөғөлләнә, бар уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәй, төрлө конференцияларҙа, форумдарҙа ҡатнаша, Рәсәй, хатта сит илдәрҙәге ижади бәйгеләрҙә, белемдәрен камиллаштырыу курстарында сығыш яһай, төрлө мәҙәни һәм спорт бәйгеләрендә алдынғы урындар яулай. 30 йыл эшләү дәүерендә меңдәрсә егет һәм ҡыҙға белем өләшкән, уларҙы оло тормошҡа әҙерләгән изге урын да. Уҡыу йорто үҙенең абруйын, фәнни һәм ижади ҡеүәтен йылдар буйы һаҡлап ҡына ҡалмайынса, өҙлөкһөҙ үҫтерә, һәр яҡлап камиллаша, яңынан-яңы үрҙәр яулай. Сибай институты заман талаптарына яуап биргән, заман менән йәнәш атлаған һәм һәр быуын өсөн яҡын уҡыу йорто булып ҡала. Урал аръяғы райондары өсөн милли кадрҙар әҙерләүҙә лә белем усағының роле баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн тап ошо уҡыу йортон тамамлаған 13 мең студент араһынан төрлө райондарҙа хакимиәт башлығы вазифаһы йөгөн тартҡандар ҙа, прокуратура, суд, полиция органдарында эшләгәндәр ҙә, мәктәп, балалар баҡсаһы, төрлө мәҙәни, мәғариф, сәнәғәт учреждениелары етәкселәре кеүек яуаплы урындарҙы биләгәндәр ҙә бихисап. Сибай институтында белем алыуҙың өҫтөнлөктәре 3 Квалификациялы уҡытыусылар составы (10 фән докторы, 50-нән ашыу фән кандидаты эшләй) 3 Дәүләт дипломы 3 Уҡып йөрөгән йәки практика үткән ваҡытта уҡ эшкә урынлашыу мөмкинлеге 3 Белем алыуҙың төрлө алымдары 3 Бер юлы ике факультетта уҡыу мөмкинлеге 3 Шәхсән алым 3 Уңышлы карьера 3 Белем алыу төрҙәре. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дистанцион белем алыу технологияларын ҡулланыу 3 Фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр 3 Заманса матди-техник база (12 компьютер класы, өс мультимедиа залы, мәғлүмәти-технологиялар үҙәге) 3 Юғары тиҙлекле Интернет 3 Көнкүреш шарттары тыуҙырылған дүрт ятаҡ 3 Стадион, ашхана, китапхана 3 “Талҡаҫ” күле буйындағы ял базаһы, тоҙ шахтаһы 3 “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы 3 Сит ил граждандары ла белем алыу хоҡуғына эйә 3 Иң мөһиме – студенттарҙың үҫешенә бар шарттар тыуҙырылған! 3 Төрлө спорт секциялары, йыр-бейеү ансамблдәре эшләй Өҫтөнлөклө йүнәлеш – ҡыҙҙар-егеттәргә сифатлы белем биреү Белем усағында бөтәһе дүрт факультет иҫәпләнә: Тәбиғи-математика факультеты. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә 11 йүнәлеш бар. “Ғәмәли математика һәм информатика”, “География”, “Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу”, “Биология”, “Биология һәм химия” (көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлеге), “Физик культура” (ситтән тороп), “Физик культура” (педагогик йүнәлештә) – көндөҙгө генә бүлек, педагогик йүнәлештә белем биреүҙең “Физика”, “Информатика”, “Химия”, “География” бүлектәрендә тик ситтән тороп уҡырға мөмкин. Педагогика факультеты. Ете йүнәлеш буйынса белем алырға мөмкин: “Психология”, “Сит телдәр”, “Башҡорт һәм рус филологияһы”, “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс белем биреү” буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алырға мөмкин. Технология факультетында “Транспорт-технология машиналарын һәм комплексын эксплуатациялау”, “Художество технологиялары материалдары” бүлектәрендә, шулай уҡ теләүселәргә “Технология” профи­ле (уҡытыусы) һөнәренә эйә булырға мөмкин. “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында хоҡуҡ һәм иҡтисад белгестәре әҙерләнә. “Финанс һәм кредит”, “Менеджмент: “Проекттар менән идара итеү”, “Хоҡуҡ”, “Тарих” профиле (уҡытыусы) бүлектәренә уҡырға инергә мөмкин. Сибай институтына уҡырға инеү, ниндәй имтихандар кәрәклеге тураһындағы барлыҡ һорауҙар менән уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ҡабул итеү комиссияһының телефоны – 8 (34775) 5-15-38. Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
“Ҡыҙыма 11 йәш тулғас, ҡулдарында һөйәлдәр хасил булды. Улар йәмһеҙ генә түгел, бик ныҡ ҡамасаулайҙар ҙа. Баламдың тыуған көнөнә апаһы балдаҡ бүләк иткәс, хатта уларҙы ла бармағына кейә алманы, сөнки һөйәлдәре ауырта ине. Ҡыҙым бик борсолдо, илап та алғыланы. Бер мәл кейәү тейешле кеше бик ябай һәм ҡыҙыҡ кәңәш бирҙе. Ышанып бөтмәһәк тә, ҡулланып ҡарарға булдыҡ: ҡоро тары ярмаһын алдыҡ, уны һауытҡа һалдыҡ, ҡыҙым тарыны усына алды ла, ҡул йыуған һымаҡ хәрәкәттәр яһаны. Унан был тарыны ҡараңғы мөйөшкә түктек. Һүҙ һарай йәки келәт мөйөшө хаҡында бара. Ошонан һуң баланың ҡулындағы һөйәлдәр бөткәнен хатта һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ә бит быға тиклем дарыухананан дарыуҙар алып яндырып та ҡараған булды, әммә һөҙөмтә бирмәне. Бығаса халыҡ медицинаһы рецептарына шикләнеп ҡарай инем, ошо осраҡ мине хайран ҡалдырҙы. Кемгәлер бәлки, килешер, эшләп ҡарағыҙ”. Фото: dream-stall.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева. https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/y-ld-r-e-e-e-l--almani-588320/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 23, 24, 25 ғинуарҙа йылы булыуы көтөлә. Шәмбе, 23 ғинуар, ҡайһы бер райондарҙа иртә менән һауа температураһы -32 градусҡа ҡәҙәр төшәсәк. Төндә һәм иртәнге мәлдә юлдарҙа томан булыу мөмкинлеге бар. 24 һәм 25 ғинуарҙа ҡар яуасаҡ, ул еүеш ҡарға әйләнә, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Урыны менән буран, ел тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем. Бындай һауа торошонда еүеш ҡарҙың ағастарға, тимер сымдарға ҡар һырыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ вәғәҙә итә синоптиктар. Көндөҙ һауа температураһы 0, -5 градусҡа күтәрелеүе ихтимал. Ҡатмарлы һауа шарттарында оҙон юлға сығыуҙан тыйылырға, автотранспорт менән хәрәкәт иткәндә иғтибарлы булырға, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡларға кәңәш ителә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Балалар стоматологтары бригадаһы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш балалар стоматолог-белгесе Римма Ғәниева етәкселегендә Йылайыр районына сыҡҡан. Ике көн дауамында районда йәшәгән 79 баланың һаулығы тикшерелгән, 56-һына дауалау үткәрелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Балалар стоматологтары бригадаһы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш балалар стоматолог-белгесе Римма Ғәниева етәкселегендә Йылайыр районына сыҡҡан. Ике көн дауамында районда йәшәгән 79 баланың һаулығы тикшерелгән, 56-һына дауалау үткәрелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, табиптар Йылайырға КАМАЗ нигеҙендә эшләнгән күсмә дауалау-диагностика комплексы менән барған. Комплекс Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматологик поликлиникаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса алынған. Бригада Йылайыр коррекция мәктәбендә һәм Матрай ауылындағы социаль приют бүлегендә булған. Комплексҡа шулай уҡ яҡын-тирә ауылдарҙан да балалар килгән. Табиптар сәләмәтлек дәрестәре лә үткәрә. Балалар викторинала ҡатнашып, бүләктәр ала. Сара "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ығы-зығынан ситләшеп, эске тойомлауығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Ошо арала көтөлмәгән хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Ҡайһы берҙә күптәнге бәйләнештәрҙе файҙаланырға тура килер. Мөһим эштә фекерҙәштәргә таянығыҙ. БУҒА Ҡапыл ябырылған тәҡдим­дәрҙән башығыҙ әйләнеүе ихтимал. Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалып, көсөргәнешле эшләргә тура килер. Хеҙмәттәштәрегеҙ нервығыҙҙы ныҡлыҡҡа һынап ҡарар. ИГЕҘӘКТӘР Башығыҙҙы эшләтһәгеҙ, һәр йәһәттән уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Тормошоғоҙҙо ла, карьерағыҙҙы ла яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге бар. Әүҙем булығыҙ. Имеш-мимешкә ышан­мағыҙ. ҠЫҪАЛА Танылыу яулап, ҡайһы бер хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында булырһығыҙ. Һеҙҙең менән ара­лашырға теләгән кешеләр күбәйеп китер, эшлекле тәҡдимдәр ҙә артыр. Эштә лә, шәхси тормошта ла киң мөмкинлектәр асылыр. АРЫҪЛАН Был аҙнала кәйефегеҙ ҙә, һаулығығыҙ ҙа шәп булыр. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Элемтә сараһындағы етешһеҙлек­тәр арҡаһында планлаштырылған осрашыу бер аҙға кисектерелер, моғайын. Ваҡи­ғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын. ҠЫҘ Үҙгәрештәр аҙнаһы етте, буғай. Әммә ашығырға ярамай. Ҡайһы бер хәлдәрҙе күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Проблемалар хаҡында уйланып ултырмағыҙ, уларҙы хәл итеү сараһын күрегеҙ. ҮЛСӘҮ Ялҡаулыҡтан арынып, яңы маҡсаттарға ынтылыу өсөн уңышлы аҙна. Алдығыҙҙа – яңы проекттар, бурыстар, пландар. Уларҙан мул ғына табыш алыу мөмкинлеге бар. Шәхси тормошоғоҙҙа күптән хыял­ланған мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килер, моғайын. САЯН Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеүҙә ныҡышмалылыҡ талап ителер. Эшегеҙ уңышлы булһын тиһәгеҙ, һәр мәғлүмәтте ентекле тикшерегеҙ. Дуҫтарығыҙҙың ярҙамынан баш тартмағыҙ, шул уҡ ваҡытта тулыһынса уларға һалышып та китмәгеҙ. Шикле эштән йыраҡ тороғоҙ. УҠСЫ Уңышлы алға барыу өсөн шик-шөбһәләрҙән, кәмсе­лек­тәрҙән ҡотолорға тырышығыҙ. Был аҙнала ғәҙәти булмаған тәҡдимдәрегеҙ ҙә ыңғай баһаланыр, яҡшы һөҙөмтә бирер. Ваҡиғаларҙы ашыҡтыр­мағыҙ, һәр мәсьәләне ҡабат-ҡабат тикшерегеҙ. ЫЛАҠ Сәйәхәт, эш командировкалары өсөн ҡулай осор. Шулай ҙа һәр ғәмәлдә иғтибар, хатта ваҡсыллыҡ талап ителер. Эш урынында юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар, баш тартмағыҙ – килемегеҙ артыр. ҺЫУҒОЯР Теләгәнде түгел, ә кәрәк эште башҡарырға тура килер. Ҡулай алымды эҙләгеҙ, алтын урта­лыҡты табығыҙ. Сит кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ, шулай ҙа уларға мөкиббән китмәгеҙ. Яҡындарығыҙ менән һүҙгә килмәгеҙ. БАЛЫҠ Тормошоғоҙға йомғаҡ яһап, үҙегеҙ өсөн кемдең һәм нимәнең әһәмиәтле булыуын асыҡларға тура килер. Үҙегеҙгә тәнҡит күҙ­легенән ҡараһағыҙ ҙа, сама белегеҙ. Яҡындарығыҙҙы тыңлау менән бер рәттән, уларҙы ишетә белегеҙ. Фото: vesti-ua.net Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Свердловск өлкәһенең губернаторы Россель Рәсәйҙә яңы республика – Урал республикаһын булдырыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Уныңса, был Рәсәйҙә федерацияны нығытасаҡ һәм төбәктәрҙең тиңлеген тәьмин итәсәк.Рәхимов шылтыратырға тип телефонға ҡулын ғына һонғайны, ул үҙе зыңғырлай башланы. Бүлмә хужаһы трубканы алды.– Әү.– Мортаза Ғөбәйҙуллович, – тине Ләлә. – Татарстан президенты Минтимер Шәрипович Шәймиев шылтырата. Ҡала телефонынан.– Тыңлайым, Минтимер Шәрипович. Нишләп ҡала телефонынан шылтыратаһың, тура телефоның эшләмәйме ни?– Иҫәнме, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Тура телефонға ышаныс юҡ. Уны КГБ ҡуйҙыртты бит, үҙҙәренә беҙҙе тыңларға уңайлы булһын өсөн. Нисек йәшәйһең, ниндәй яңылыҡтарың бар?– Рәхмәт, Аллаға шөкөр, йәшәйбеҙ әле. Бына, Свердловск хәле тураһында радио тыңлайым. Урал республикаһы төҙөргәме, юҡмы, тип бәхәсләшәләр.– Төҙөһәләр, яҡшы булыр ине беҙҙең өсөн.– Нимәһе яҡшы? Романдың беренсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-516002Романдың икенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-ikense-l-sh-517920/Романдың өсөнсө өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov--s-ns--l-sh-519716/Романдың дүртенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-d-rtense-l-sh-521605/Романдың бишенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-bishense-l-sh-523130/Романдың алтынсы өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-altinsi-l-sh-523995/#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ПрезидентРәхимов#ҒәлимХисамов Федератив килешеү Рәхимовтың эш бүлмәһендә тыныс торған мәл ине. Ғәҙәттәгесә, телевизор өҫтөнә ҡуйылған радиоалғыс ныҡ ҡысҡырмай ғына эшләй. Уға Мортаза шул тиклем күнеккән, радио саҡ ҡына һөйләмәй торһа, нимәлер юғалғалған һымаҡ, үҙе лә һиҙмәҫтән төрлө тартмаларҙы асып, яба башлай. Әле ул тәҙрә янына баҫып, уйланып тора ине. Әлеге радио Рәсимә тауышы менән: – Өфө һөйләй, – тине. – Өфө ваҡыты 15 сәғәт. Һуңғы яңылыҡтар тапшырабыҙ. Свердловск өлкәһенең депутаттары кисә асылған сессияла “Урал республикаһы” мәсьәләһен тағы ла ҡарай башланы. Элегерәк өлкәләге ҡайһы бер сәйәси төркөмдәр һәм Свердловск өлкәһенең губернаторы Россель Рәсәйҙә яңы республика – Урал республикаһын булдырыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Уныңса, был Рәсәйҙә федерацияны нығытасаҡ һәм төбәктәрҙең тиңлеген тәьмин итәсәк. Рәхимов шылтыратырға тип телефонға ҡулын ғына һонғайны, ул үҙе зыңғырлай башланы. Бүлмә хужаһы трубканы алды. – Әү. – Мортаза Ғөбәйҙуллович, – тине Ләлә. – Татарстан президенты Минтимер Шәрипович Шәймиев шылтырата. Ҡала телефонынан. – Тыңлайым, Минтимер Шәрипович. Нишләп ҡала телефонынан шылтыратаһың, тура телефоның эшләмәйме ни? – Иҫәнме, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Тура телефонға ышаныс юҡ. Уны КГБ ҡуйҙыртты бит, үҙҙәренә беҙҙе тыңларға уңайлы булһын өсөн. Нисек йәшәйһең, ниндәй яңылыҡтарың бар? – Рәхмәт, Аллаға шөкөр, йәшәйбеҙ әле. Бына, Свердловск хәле тураһында радио тыңлайым. Урал республикаһы төҙөргәме, юҡмы, тип бәхәсләшәләр. – Төҙөһәләр, яҡшы булыр ине беҙҙең өсөн. – Нимәһе яҡшы? – Республикалар артыр һәм Рәсәйҙең яртыһынан күберәге республикаларҙан торор ине. – Ул саҡта?.. – Ул саҡта беҙгә үҙебеҙҙең бойондороҡһоҙлоҡто яҡлау еңелерәк булыр ине. – Шулай... – Мин һине аңлап бөтөрмәйем, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Әллә берәр нәмәнән ҡурҡаһыңмы һин, әллә бүтән сәбәп бармы? Ни эшләп һинең ҡыйыулығың етмәй? – Нимәгә ҡыйыулыҡ? – Декларацияны һин иң һуңғылар булып ҡына сығарҙың. Хәҙер Федератив килешеүгә иң алдан ҡул ҡуйырға йыйына, тип ишетәм. Башҡортостан бит быуат башында бойондороҡһоҙлоҡ өсөн иң алдан йөрөүсе булған һәм быға өлгәшкән. Ә хәҙер ни эшләп ҡыйыуһыҙ һуң? – Минтимер Шәрипович, Башҡортостан бойондороҡһоҙлоҡ өсөн күпме ҡан ҡойҙо, беләһеңме шуны? Өс йөҙ илле йыл эсендә туҡһан баш күтәреү. Күпме ҡорбан һалынған бының өсөн? 1913 йылда Рәсәйҙә 2 миллион башҡорт йәшәгән. Бөгөн беҙ шул һанға етә алмайбыҙ. Беренсе республика булыр өсөн 700 меңгә яҡын ҡорбан һалынған. Ошо тиклем ҡиммәт хаҡҡа торамы икән бойондороҡһоҙлоҡ? Бәлки, беҙгә был юлы арттан ғына эйәреп, кеше нимә эшләгәнен ҡарай-күҙәтә барырға кәрәктер? – Әллә инде. Тик ҡойроҡта йөрөү башҡорт холҡона хас түгел. – Шәймиев бер аҙ шым торҙо ла өҫтәне. – Беҙ Федератив килешеүгә ҡул ҡуймайбыҙ. Татарстандың Юғары Советы ултырышы бөгөн шундай ҡарар ҡабул итте. – Шулай уҡмы ни? Элекке автономияларҙан тағы кем һеҙгә эйәрә? – Чечня. Улар ҙа шундай уҡ ҡарар сығарған. – Нимә менән нигеҙләйһегеҙ ҡарарҙы? – Федератив килешеү Татарстандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһын танымай. Беҙҙең бойондороҡһоҙлоҡто танымаған килешеү беҙгә кәрәкмәй. – Ныҡ ебәрәһегеҙ. Татарҙарҙы аңлап була. Ә урыҫ депутаттарығыҙ нимә ти? – Уларҙың араһында төрлө кеше бар, әлбиттә. Ләкин күбеһе беҙҙең менән риза. Сөнки 1554 йылдағы һымаҡ татарҙарҙы ҡырыусы булғылары килмәй. Һеҙҙә ниндәй кәйеф бар һуң? Ҡасан була килешеү проектын ҡараған сессияғыҙ? – Ошо арала. – Ярар, уңыштар теләйем. – Хуш. Башҡортостан Юғары Советына федератив килешеү мәсьәләһе сығарыласағын депутаттарҙың бөтөнөһө лә белә ине. Улар шулай уҡ Татарстан менән Чечняның килешеүгә ҡул ҡуймаясағын да белеп торҙо. Беҙгә нимә эшләргә? Ошо һорау бик күптәрҙең алдында ай балта һымаҡ аҫылынып торҙо. Ай балта күтәрелгән икән, тимәк, һис шикһеҙ, кире төшөргә һәм шул ыңғайы кемдәрҙеңдер башын өҙөргә тейеш. Кемдең башын сабасаҡ ул? Килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн тауыш биреүсенекенме, әллә киреһенсәме? Белһәң ине лә бит шуны. Депутаттар үҙҙәрен һайлаусылар араһында йөрөргә тырышты был көндәрҙә. Был йөкләмәне уларға берәү ҙә йөкмәтмәне. Моғайын, беренсе, бәлки, һуңғы тапҡырҙыр ҙа улар үҙ ирке менән кеше фекерен ишеткеләре килде. Ауыл депутаттары малсылар, яланда эшләгән механизаторҙар араһында йөрөнө, сәнәғәт етәкселәре, төҙөүселәр төрлө объектҡа сыҡты. Башҡорттар күп йәшәгән яҡтарҙа килешеүгә ҡырҡа ҡаршылар күпселектә ине. Сәнәғәт үҙәктәрендә йә был мәсьәләгә ҡағылманылар, йә ҡул ҡуйырға кәрәк, тип һананылар. Татарҙар күберәк йәшәгән төбәктәрҙә өндәшмәүҙе хуп күрҙеләр. Фекер айырмалыҡтары яңы ғына барлыҡҡа килмәгәйне бит инде. Федератив килешеү мәсьәләһе көн үҙәгенә сығарылғас, депутаттар Рәсәй Үҙәге тәҡдим иткән проектты уҡып ҡараны ла уның Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһына ҡаршы сыҡҡанын күреү менән ситкә ырғыттылыр. “Беҙҙең төп документты танырға теләмәйһегеҙ икән, беҙ һеҙҙең проектты ҡабул итмәйбеҙ”. Шунан һуң Башҡортостандың Юғары Советы РСФСР-ға тәҡдим итерлек документты үҙе эшләй башланы һәм уны еренә еткереп яҙып, Б.Н. Ельцинға тәҡдим итте. Шул саҡта Мортаза Рәхимов Ельцинға: – Беҙҙең дәүләт суверенитетының иң башында Борис Николаевич үҙе торҙо. Суверенитетты күпме йота алаһығыҙ, шул тиклем алығыҙ, тип ул үҙе әйтте һәм беҙ шуны тормошҡа ашырабыҙ, – тине. – Беҙҙең атай-бабайҙарыбыҙ Рәсәй батшалығы менән быуаттар буйы килешеү нигеҙедә көн күргән. Беҙ бөгөн дә шул юлдан тайпылмаҫҡа уйлайбыҙ. Рәсәй Федерацияһы менән килешеү нигеҙендә йәшәргә ниәтләнәбеҙ. Был ниәт Рәсәй Федерацияһының власы беҙҙе – Башҡортостанды үҙенең эсендәге суверен дәүләт тип таный һәм властың беҙ үҙ иркебеҙ менән биргән тиклем өлөшөн генә алырға ризалашһа, шул килешеүгә беҙ ҡул ҡуясаҡбыҙ. Шул шарт үтәлмәһә, ҡул ҡуйыуҙан баш тартасаҡбыҙ. Кремелдә енләнделәр. Кем ул тиклем башҡорт? Имеш, Рәсәй һынлы Рәсәйгә үҙенең шарттарын ҡуйып ултырған була. Ҡул ҡуймайҙар икән, ана бара юлдары! Әммә Ельцин ҡыҙыу баштарҙы һыуындырҙы. Милләттәр Советы рәйесе Р.Г. Абдулатиповты саҡырып алды ла: – Ана, башҡорттар менән эшләгеҙ, Федератив килешеүгә ҡул ҡуйырлыҡ булһын, – тип ҡушып сығарҙы. Абдулатипов, билдәле, Рәхимовҡа шылтыратты. – Мортаза Ғөбәйҙуллович, Федератив килешеүгә һеҙ ҡул ҡуйырлыҡ итеп проект эшләргә ҡушып сығарҙы Ельцин. Һеҙҙең Зөфәр Йәнекәйев етәкселек иткән бик яҡшы юристар төркөмө бар ине. Шулар менән эште артабан дауам итергә тура килә инде. Рәхимов Йәнекәйевте саҡырҙы, Абдулатиповтың үтенесен еткерҙе. – Мортаза Ғөбәйҙуллович, мәсьәләнең тап ошолай булырын белгән кеүек, мин Сергей Шахрайға үҙебеҙҙең “Фекер айырмалыҡтары”н яҙып, төнө буйы машинкала үҙем баҫып, ҡулына тоттороп киттем дә инде. Унда бер нисә төп мәсьәлә яҙылған Федератив килешеү беҙҙең декларацияға тап килмәй һәм тап килтереү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге әйтелгән. Шул ҡағыҙҙы алһындар ҙа документ яһаһындар. – Ул ҡағыҙ һинең үҙеңдә бармы? – Әлбиттә, бар. – Алып кил. Бер аҙҙан Зөфәр ҡағыҙҙы Рәхимовтың алдына һалды. Ул уҡып сыҡты: – Эйе. Тап үҙе. Ошо талаптарҙы ҡуйғайныҡ бит инде Ельцинға ебәргән хатта. Ярар, рәхмәт. Зөфәр сығып китте, Рәхимов Юғары Советтың Президиум ағзаларын саҡыртты. Тегеләр йыйылғас, һәр береһенә Зөфәр әҙерләгән документты тотторҙо. – Федератив килешеү мәсьәләһен ҡараған беҙҙең сессия Мәскәү тәҡдим иткән килешеү проектын кире ҡаҡты бит инде. Рәсәй Федерацияһының Президенты Борис Николаевич Ельцин республикалар һәм Үҙәк власть араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү өсөн Абдулатипов етәкселегендә комиссия төҙөнө. Уға тиклем Сергей Шахрай етәкселегендә республикаларҙың вәкилдәре ошо уҡ мәсьәлә буйынса эшләне. Беҙҙән унда Зөфәр Йәнекәйев һәм башҡалар ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ҡулығыҙға бирелгән документ тыуҙы. Йәнекәйев уны “Фекер айырмалыҡтары” тип атаған. Минеңсә, ошо айырмалыҡтар иҫәпкә алынһа, беҙҙең сессия ҡабул итмәгән етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Тимәк, Абдулатипов комиссияһы һәм Ельцин менән уның ярандары ошо тәҡдимде ҡабул итһә, Федератив килешеүгә ҡул ҡуйыр өсөн беҙгә нигеҙ була. Шуға күрә бик ентекләп уҡығыҙ һәм фекер алышырбыҙ. Президиум байтаҡ ваҡыт тикшерҙе Рәхимовтың тәҡдимен һәм һуңғы сиктә уны ҡабул итте. Әгәр Рәсәй Федерацияһы “Фекер айырмалыҡтары”н дөрөҫ тип таба һәм шуны төп документҡа индерә икән, Федератив килешеүгә ҡул ҡуйырға мөмкин. Ултырыш тамамланғас, Рәхимов телефондан шылтыратты: – Мансур (Әйүповҡа), һин иртәгә Мәскәүгә осаһың бит әле? – Эйе. – Минән бер документ инеп ал. Шуны Абдулатиповҡа бирерһең. Әгәр ҙә ниндәйҙер өҫтәмәләр йә ҡыҫҡартыуҙар кәрәкһә, миңә шылтыратырһың. Һиңә ярҙамға унда Мөҡсинов бар. Ошо документ буйынса мәсьәләне аҙағына еткереү өсөн Абдулатиповтың кешеләре һәм Башҡортостандың Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары Мансур Әйүпов менән юрист Ирек Мөҡсинов төн йоҡламайынса уны Федератив килешеүгә ҡушымта рәүешендә әҙерләне. Уның төп мәғәнәһе – Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияға тап килеү, Башҡортостан ерендә уның закондары һәм бүтән дәүләт акттары өҫтөнлөккә эйә, уның үҙ прокуратураһы, суды бар, Башҡортостан ерендәге милеккә, ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтарына уның күп милләтле халҡы хужа, республикала һалым һәм бүтән йыйымдар уның үҙ ҡағиҙәләре буйынса тормошҡа ашырыла тип билдәләнде. Рәсәйҙең бөтөн субьекттарынан килгән икешәр вәкил – Башҡортостандан Мортаза Рәхимов менән Марат Мирғәзәмов, Рәсәй Федерацияһы исеменән Борис Ельцин менән Виктор Черномырдин ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһының Федератив килешеүенә уның эсендәге республикалар, өлкәләр, крайҙар ҡул ҡуйҙы. Чечня менән Татарстан ғына бынан баш тартты. Федератив килешеүҙең төп ҡаҙанышы Рәсәй Федерацияһын тарҡалыуҙан ҡотҡарып ҡалыу булды. Бынан һуң Урал республикаһы, Көнсығыш республикаһы, йә бүтән ҡоролош тураһында һөйләү түгел, уйлау ҙа булманы шикелле. Был килешеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан бығаса үҙе иғлан иткән бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалды. Кемде кем? Исмәғил Ғәбитов Юғары Совет бүлмәләрендә ҡайһы бер эштәрен бөтөрҙө лә рәйес янына инде. – Мин, Мортаза Ғөбәйҙуллович, әллә шул тиклем артта ҡалғанмын, әллә инде республикала мин белмәгән сәйәсәт алып барыламы, һис аңлай алмайым. – Асыҡ ҡына итеп әйтеп булмаймы? Нимә тураһында һүҙ? Ғәбитов рәйескә бер нисә биттән торған ҡағыҙ тотторҙо. – Һүҙ бына ошо ҡарар хаҡында. Бәлки, уны һеҙ беләһегеҙҙер? Рәхимов ҡысҡырып уҡырға тотондо: – “Колхоз һәм совхоздарҙы ҡайтанан ойоштороу тәртибе тураһында” Башҡортостандың Министрҙар Советы ҡарары. Нимә һөйләй инде был ҡарар? – Был Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарарын күсереп яҙыу ул. Ҡарарҙа ауыл хужалыҡтарын ҡайтанан ойоштороу тиелһә лә, ғәмәлдә, колхоз һәм совхоздарҙы юҡҡа сығарыу, ерҙе шәхси милекселәргә таратып биреү тураһында. – Граждандар һуғышынан һуң раскулачивание булған, хәҙер колхоздарҙы кулакка кире биреү буламы? – Тап шулай, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Рәхимов тура телефон трубкаһын алды. – Марат Парисович, мин әле “Колхоз һәм совхоздарҙы ҡайтанан ойоштороу тәртибе тураһында” Башҡортостандың Министрҙар Советы ҡарарын уҡып ултырам. Бының менән һеҙ ауылдың аҫтын өҫкә килтерергә теләйһегеҙме? – Юҡ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, беҙҙә ундай ниәт юҡ. Беҙҙең ҡарар РСФСР ҡарарын ҡабатлай ғына. Беҙгә Мәскәүҙән бик аныҡ итеп: “Ҡарар һис шикһеҙ үтәлергә тейеш, – тинеләр. – Кем үтәргә теләмәй — яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ”, – тип яҙҙылар. Шуға беҙ ошо ҡарарҙы сығарырға мәжбүр булдыҡ. – Ә һеҙҙең ҡарарығыҙ ауылда донъяны дер һелкетәсәк, янғын, һуғыш сығарасаҡ икәнлеген уйланығыҙмы һуң? – Һей, тапҡанһығыҙ... Аҙмы ни ауылға киткән ҡағыҙ. Барып еткәнсе үк онотолоп бөтә улар. – Ошомо Хөкүмәт рәйесенең һүҙе? – Әй, ҡуйығыҙ әле, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Себендән дөйә яһамағыҙ. Рәхимов трубканы ҡуйҙы ла Ғәбитовҡа текәлде. Тегенеһе ярһып һөйләргә тотондо: – Яҙылғандарҙы тормошҡа ашырһаң, ауылда йәшәгән 1 миллиондан ашыу кеше яҡын арала астан үлеү дәрәжәһенә еткереләсәк. Дөрөҫ, кемдәрҙер сереп байыясаҡ, ә ҡалғандар саҙаҡа һорап йөрөйәсәк. Беҙ бында республикала ауыл хужалығын үҫтереү программаһын эшләйбеҙ. Республиканың аграр сәйәсәтен һәм эҙмә-эҙлекле стратегияһын ғәмәлгә ашырып, күп тармаҡлы колхоздарҙы һәм совхоздарҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, үҫтереү хәстәрлеген күрәбеҙ. Бер йылда ғына малсылыҡ продукцияһын етештереү өсөн хужалыҡтарға 37 млрд. һум дотация һәм һәр төрлө компенсациялар, түләүҙәр өсөн 40 млрд. һум аҡса бүленде. Агросәнәғәткә 90,8 млрд. кредит ресурстары бирелде. Бөтә был саралар ауыл хужалығында хәлде тотороҡло алып барыуға булышлыҡ итәсәк, тип йөрөһәк, мә һиңә! Рәхимов ярһып киткән Ғәбитовҡа ҡарап йылмайып ҡуйҙы. Шунан ғына тегенеһе: – Ғәфү итегеҙ, бигерәк асыу килде, – тине. Рәсәйҙә ауылды үҫтереү генә түгел, уны һанға һуҡмау, крәҫтиәнде кешегә лә иҫәпләмәү көсәйҙе. Башҡортостандың күршеләре Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һарытау, Пермь, Свердловск өлкәләрендә иген сәсеүсе ҡалманы тип әйтерлек хәлгә төштөләр, баҫыуҙарҙы билсән, ҡарағура баҫты, фермаларҙағы малдарҙы һуйып ашап бөттөләр. Тиҫтәләгән йылдар буйы йыйылған байлыҡты һатыу, булғанды туҙҙырыу һәм типтереп йәшәп ҡалыу йәтеш шул. Оло илдә ҡоторған ҡойон шауҡымы Башҡортостанға ла һуғылмай ҡалманы. Тир түгеп, услап тапҡанды эләккән сағында һоҫҡолап һемерергә теләүселәр бында ла юҡ түгел икәнлеген Рәхимов та, әлбиттә, белә ине. – Мортаза Ғөбәйҙуллович, әйҙәгеҙ, райондарға сығайыҡ, ауылдарҙа йөрөйөк, кешеләр менән һөйләшәйек. Был ҡарарҙың ихтимал эҙемтәләре тураһында улар әйтһен. – Әйҙә һуң. Ҡайҙа алып бараһың? – Ҡайҙа теләйһегеҙ – шунда. – Әйҙә төньяҡ-көнсығышҡа. Мин ул яҡта күптән булғаным юҡ. Юғары Совет рәйесе Мортаза Рәхимов менән ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры Исмәғил Ғәбитов аҙнаға яҡын Салауат, Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы райондарында йөрөнө, шунан Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө райондарына барҙы, күп ауылдарҙы уҙҙы, йөҙәрләгән кеше менән күрешеп һөйләште. Ауыл кешеләренең һүҙе бер булды: колхоз, совхоздарҙы таратырға ярамай. Ҡайһылары: – Колхозһыҙ беҙҙе ни эшләтмәк булаһығыҙ? Бөгөн ашатҡан да, кейендергән дә, өйҙәребеҙҙе йылытҡан да, балаларыбыҙҙы уҡытҡан да шул колхоз бит. Ауырып китһәң, больницаға барыр өсөн дә колхоздан машина алаһың. Фермер бирер һиңә, бирмәй ҙә, – тип ҡул болғай-болғай һөйләне Мәсетле районында берәү. Ә икенсеһе барыһынан да уҙҙырып ебәрҙе: – Колхоз бөтһә, урлашырға ла урын булмаясаҡ бит. Фермер мөлкәтен мең йоҙаҡта тотасаҡ. Уныһы ла хаҡ ине. Колхоз, совхоз мөлкәтен аҙлап-аҙлап һәммәһе лә үҙ өйөнә ташығанын кем генә белмәй? Ваҡытында Исмәғилгә ана шундай уғрыларға ҡаршы көрәш асҡан өсөн Бөрйәндән китергә тура килгәйне бит хатта. Мортаза Рәхимов Башҡортостан Министрҙар Советы сығарған ҡарарҙың зыянлы икәнлеген, үҙ күҙе менән күреп, үҙ ҡолағы менән ишетеп ышанды. Ҡайтҡас, Юғары Совет Президиумын йыйҙы. Ҡарар һәм ауылдағы бөгөнгө тормош тураһында йәне әсенеп һөйләне ул. Президиум ағзаларының бөтәһе лә тиерлек уның яҡлы булды. Артабан ни эшләргә? Ҡарарҙы юҡҡа сығарырға кәрәк. Ләкин... Ләкине лә бар бит әле. Башҡортостандың Министрҙар Советы ҡарарҙы РСФСР Хөкүмәте ҡарарына таянып яҙған. Беҙҙәге ҡарарҙы бөтөрөү – Рәсәйгә ҡаршы сығыу тигән һүҙ. Үҙәк менән асыҡтан-асыҡ яманлашырға ярамағанлығын эске бер тойомлау менән һиҙҙе Мортаза Рәхимов. Шуға Президиум ултырышында тәнәфес иғлан итте лә Мәскәү менән һөйләшергә уйланы. Рәхимов сәйәсәттә яңы кеше булһа ла, күрәләтә дошманлашыуға барырға ярамағанлығын аңлай ине. Үҙ һүҙеңде башҡа юл менән дә һүҙ итеп була бит әле. Борис Ельцин менән тиҙ генә тоташтырманылар. Ярты көндән ашыу ваҡыт үтте. Әммә барыбер һөйләшеп булманы. Иртәгәһенә иртүк Рәхимов трубкаға яңынан тотондо. Ниһайәт, Ельциндың тауышы ишетелде. – Ниндәй ашығыс эшең бар һуң һинең? Бында минең тын алырға ла ваҡыт юҡ, – тине ил башлығы, ҡәнәғәтһеҙлеген йәшермәйенсә. Рәхимов уның кәйефен шәйләмәмешкә һалышты һәм ауыл ерендәге хәлде һөйләп бирҙе. Рәсәй хөкүмәте сығарған ҡарарҙы үтәргә ярамай, беҙ уны кире ҡағырға йыйынабыҙ, тине. – Ярар, Мәскәүҙәге хөкүмәт ҡарары догма түгел. Үҙегеҙҙәге шарттарҙан сығып эш итегеҙ, – тине Ельцин. Булды. Хәҙер Шахрай-фәләндәр Башҡортостанды РСФСР хөкүмәтенә буйһонмауҙа ғәйепләп кенә ҡараһын. Шул көндө Башҡортостандың Юғары Советы Президиумы Министрҙар Советының әлеге ҡарарын республиканың закондарына ҡаршы килә тип тапты һәм көсөнән сығарҙы. Министрҙар Советы рәйесе Марат Мирғәзәмовҡа был күҫәк менән һуҡҡандай тәьҫир итте. Былай ҙа Рәхимов менән Ғәбитовты өнәмәй ине, хәҙер инде йоҙроҡ төйнәне. Республика ғәмен ҡайғыртаһы урынға күп ваҡытын теге икәүгә ҡаршы этлек ҡороуға бирҙе. Маҡсаты бер генә ине – быларҙы бәреп осороу. Яҡын әшнәләре менән шыштыр-быштыр ниҙер һөйләште. Үҙенә дуҫ ҡала һәм райондарға дәүләт иҫәбенә автомашиналар, тракторҙар, экскаваторҙар, төҙөлөш техникаһы, юл эшләргә аҡса бүлде, ә үҙенә оҡшамаған министрҙарҙы, ҡала, район етәкселәрен ҡабул да итмәй башланы. Республиканың Юғары Советы дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны үтәр өсөн ҡануниәт эшен ныҡ әүҙемләштерҙе. “Башҡортостан Республикаһының Президенты тураһында”, “Башҡортостан Республикаһының Президентын һайлау тураһында”, “Урындағы дәүләт үҙидараһы тураһында”, “Башҡортостан Республикаһының Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһында” ҡанундарын ҡарап ултырҙы ла Мирғәзәмов, ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы атып бәрҙе. – Ҡайһылай власҡа туймаҫ нәмә булды һуң был! – тип ыҫылданы. Тап шул мәлдә берәү тышҡы ишекте асып, эскә ине башланы. Мирғәзәмов һиҫкәнде, үҙенең нимә һөйләгәнен теге ишетеп ҡалғандыр, тип шикләнде. Инеүсе үҙенең әшнәһе ине, Мирғәзәмов еңел һуланы. – Йөрөйһөң кеше ҡурҡытып, – тип мығырланы. – Ә һин ишек янына килеп, нимә уйлағаныңды әйтеп тормаһаң да була. – Йә, нимә әйттем. – Асыҡ ҡынаһын ишетмәнем, әммә Рәхимовты әрләгәнеңде аңланым. – Әрләмәй ни! Властан туя белмәй, һаман власть етмәй уға. Конституцияға өҫтәүҙәр индерергә булған. – Нимә тип? – Министрҙар Советы Юғары Советҡа ғына түгел, уның Президиумы алдында, ә министрлыҡтар комитеттар алдында яуаплы, тигән. Республикаға бер үҙе хужа булмаҡсы. – Мин һиңә уны Юғары Совет рәйеслегенә һайлар алдынан әйттем бит. Рәхимов мине Министрҙар Советында ҡалдыра, шуға уға тауыш бирәбеҙ, тип һин йөрөнөң. Бына күрәһең инде “емештәреңде”. – Шулай шул. – Хәҙер нимә эшләмәк булаһың инде? – Белмәйем. Шуға һине саҡырҙым да инде, кәңәшләшергә кәрәк. – Кәңәш итергә була. Тик мин әйткәнде алһаң... – Әйтеп ҡара һуң. – Беренсенән, ауыл хужалығы буйынса һинең теге ҡарарыңды ул юҡҡа сығартты бит инде. – Эйе. – Ә һин ни эшләп уның юҡҡа сығарғанына бер һүҙ өндәшмәй ҡарап ултыраһың? – Мин нимә эшләй алам? – Мәскәү менән һөйләш. Был бит һинең түгел, ә Мәскәүҙең ҡарарын юҡҡа сығарыу. Йәғни күрәләтә Мәскәүгә буйһонмау бит. – Эйе. – Шулай булғас, Рәсәйҙең тейешле кешеләренә әйт, Рәхимов һеҙҙең ҡарарҙы үтәргә ирек бирмәй, тиң. Икенсенән, ул һинең ҡарарҙы Президиумда юҡҡа сығартты бит инде? – Эйе. – Ә Министрҙар Советы Президиумға буйһонмай бит. Сөнки Министрҙар Советен Юғары Совет ҡуйҙы һәм уның ҡарарҙарын тик ул ғына көсөнән сығара ала. Ә бында ни бары Президиум. Шуға Президиумдың ҡарарына буйһонмауыңды белдер. – Был – аҡыл. Шулай итергә кәрәк. – Тағы бер юл бар. Ул һиңә һәр мөмкинлекте файҙаланып, ут асты, ә һин тик ултыраһың. Рәхимовтың кем икәнлеген бөтөн йәмәғәтселеккә еткер. – Ҡайһылайтып? Бөтөн гәзит, журнал һәм телевидение менән радионы үҙенеке итте бит инде. Уларҙың мөхәррирҙәре хәҙер Министрҙар Советын тыңламай. – Дәүләт гәзиттәре тыңламаһа ни, дәүләттеке булмағандар бар бит. Мәҫәлән, “Вместе” гәзите. “Русь”, татар ижтимағи үҙәге. Улар шаулай башлаһа, теге ҡайһы бер ерен ҡыҫҡанлығын үҙе лә һиҙмәй ҡалыр. – Шәп һинең кәңәштәрең. Рәхмәт. Әлдә һин бар әле. – Тағы бер мәртәбә әйтәм, минән, йә тағы ла кемдәндер аҡыл килгәнен көтөп ултырма, үҙең эшлә һәм тиҙ эшлә. – Һис шикһеҙ. Мирғәзәмов ҡанатланды. Ысынлап та, бығаса ни эшләп ҡул ҡаушырып, “теге”нең айбалтаһы төшөп, башын ҡырҡҡансы муйынын һоноп ултырғандыр, үҙе лә аптырап ҡуйҙы. “Һин аҡыллы һәм кәрәк сағында бик тәүәккәл кеше”, – тип әйтә торғайны ла инде уҡытыусыһы Шакиров, ә һуңғы ваҡытта әллә нишләп мәшәүләнде лә китте. Мирғәзәмов шул уҡ минутта үҙенең әшнәләренә шылтыратырға тотондо һәм уларҙы Өфөнән алыҫ ҡалаларҙың береһенә ултырышҡа саҡырҙы. Әйтергә кәрәк, ул заманда власта барлыҡҡа килгән төркөмдәр республиканың төрлө төбәктәрендә йыйыла торғайны. Йәнәһе, Өфөлә булһа, уларҙың ҡайҙа, кемдәр йыйылғанын ҡарап, аңдып торалар, махсус аппараттар аша уларҙың ни һөйләшкәнен тыңлайҙар. Ә ситтә күҙ-ҡолаҡ ихтималлығы аҙ. Мирғәзәмовтың кешеләре бөгәсә төн урталарына тиклем ултырҙы, көндөҙ билдәләгән сараларҙы дөрөҫ тип тапты һәм ойоштороу эштәрен бүлешеп алды. Ниндәй генә илдә, ниндәй генә власть заманында булмаһын, төркөмләшеү, шымсылыҡ итеү, кемдең ни әйткәнен ошаҡлашыу бик борондан килә. Был алама күренеш Башҡортостанды ла урап уҙманы. Партия ваҡытында ла, унан һуң да һүҙ йөрөтөүселәр табыла торҙо. Был хәл оло етәкселәрҙең ошаҡсыларҙы нығыраҡ тыңлаған һайын, ҡуйыра бара. Мирғәзәмовтың төркөмө ҡайҙа йыйылғанын, нимә һөйләшкәнен иртәгәһенә үк тейешле кешеһенә еткерҙеләр. Рәхимов Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары Әйүповҡа шылтыратты. – Мансур, һеҙҙә Мирғәзәмовҡа ҡаршы төркөм бармы ни? – Төркөм тип ни, уның эш алымдары, дөрөҫөрәге, эшлекһеҙлеге менән килешмәүселәр бар. Ул бит дәүләт мәсьәләләре менән шөғәлләнәһе урынға, юҡ менән булып тик ултыра. Шуға уның менән риза булмаған бер төркөм хөкүмәттән сығарыуҙы һораныҡ. – Ни эшләп һин миңә был турала әйтмәнең? – Нисек әйтмәнең? Беҙ был турала күмәкләп Юғары Советҡа хат яҙҙыҡ та ҡулдарыбыҙҙы ҡуйҙыҡ. – Һин дә ҡуйҙыңмы? – Эйе. – Ни эшләп ошо хәлдең булыры тураһында һин мине алдан иҫкәртмәнең? – Нисек иҫкәртәйем, ти? Хәбәр ташып йөрөй алмайым да инде. Ваҡыты еткәйне, барыһын да үҙегеҙ белдегеҙ бит. – Алданыраҡ белһәм, сараһын да алданыраҡ күрер инек. Хәҙер бик ғауғалы булырға оҡшай был. –... Рәхимов, хөкүмәт ағзаларының хатын Юғары Совет Президиумында ҡарарға кәрәк, тине. Тик өлгөрә алманылар. Уны Ельцин Мәскәүгә саҡырҙы. – Мортаза (үҙенән кесе булғанға, Ельцин уға шулай ғына өндәшә торғайны), ни эшләп һин күрәләтә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарарын үтәмәйһең? – Ниндәй ҡарарҙы үтәмәгәнбеҙ беҙ? – Колхоз һәм совхоздарҙың эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡарарҙы. – Ул турала, Борис Николаевич, беҙ телефондан һөйләштек тә инде. Уны үтәү-үтәмәүҙе беҙҙең иреккә ҡуйҙығыҙ бит. – Эйе, һөйләштек. Ә ни эшләп ул саҡта һеҙҙең Министрҙар Советы, ҡарарҙы үтәүҙе Рәхимов тыйҙы, ти? Бына хаты. – Әгәр ул ҡарарҙы үтәп, колхоз һәм совхоздарҙы тарҡатһаҡ, Борис Николаевич, ауыл кешеләре бөтөнләй бөләсәк, хатта ауыл малын ашатырға лә аҙыҡ булмаясаҡ. – Ярар. Үҙ эшеңде нисек теләйһең, шулай эшлә. Тик бында хат яҙып, тауышланып йөрөмәгеҙ. Өфөгә ҡайтҡас, Рәхимов был турала Юғары Совет Президиумы ултырышында һөйләне. – Өйҙән сүп-сар сығарып йөрөүе аҙ Мирғәзәмовтың, ә хәҙер үҙенең йортонда тәртип урынлаштыра алмай. Моғайын, барығыҙ ҙа Министрҙар Советының киңәйтелгән ултырышында ни булғанын беләлер? Белмәһәгеҙ, әйтеп китәм. Ултырышҡа Юғары Совет ағзаларынан тыш бөтөн етәкселәр ҙә тиерлек йыйылған булған. Шунда Министрҙар Советы рәйесе Мирғәзәмов: – Республикала Рәхимов бөтөн власты ла үҙ ҡулына тартып алды. Башҡортостандың Конституцияһында ҡануниәт власы Юғары Совет, башҡарма власть Министрҙар Советы ҡулында тип яҙылыуға ҡарамаҫтан, Юғары Совет Президиумы һәм комитеттар башҡарма власть эшен үҙ ҡулына тартып ала бара. Ана, Милек фонды, Валюта комитеты, Ҡырмыҫҡалыла холдинг төҙөнөләр. Финанс министрлығы була тороп, уға паралель Юғары Совет янында Контроль-бюджет комитеты барлыҡҡа килтерҙеләр. Ошо була инде власты тартып алырға маташыу, – тип белдергән. Әммә республика етәкселәренең байтағы, шул иҫәптән ун бер хөкүмәт ағзаһы, үҙҙәренең рәйесе менән килешмәйенсә, эштән ебәреүҙе һорай. Демин утҡа ялҡын өҫтәне: – Хөкүмәт ағзаларының ғына хаты аҙ булһа, тигән кеүек, Ҡырмыҫҡалынан РСФСР депутаты, райсовет рәйесе Юрий Садиҡов етәкселегендәге республика крәҫтиәндәренең стачкомы республика хөкүмәтенән аграр секторға тиҙ арала ярҙам һорай. Хөкүмәттән һөттөң бер литры өсөн – 50, иттең килограмына 100 һүм түләүҙе гарантиялауҙы талап итә. Ә Мирғәзәмов һөттөң хаҡы – 5, иттеке 50 һумдан артмаҫҡа тейеш тип ултыра. Хәҙер крәҫтиәндәр менән хөкүмәт араһында низғалашыу бара, – тип өҫтәне. 11 хөкүмәт ағзаһының ғаризаһын ҡарау оҙаҡҡа һуҙылды һәм бик һуң ғына бер ҡарарға килделәр: был хатты Юғары Советтың алдағы сессияһында бөтөн депутаттарҙың ҡарауына тәҡдим итергә кәрәк. Президиумда ғына тикшереп, ниндәйҙер ҡарарға килеү – демократияны һанға һуҡмау тип ғәйепләүгә юл асасаҡ. Ғариза Юғары Советҡа яҙылған, шуға күрә уны Юғары Совет үҙе ҡараһын. Юғары Совет хөкүмәт ағзаларының ғаризаһын тикшереүҙе сессияның көн тәртибенә ҡуйҙы. Ғаризала: “М.П. Мирғәзәмовтың киңәйтелгән ултырыштағы сығышын беҙ арта барған ауырлыҡтар алдында уның юғалып ҡалыуы, республикалағы ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәл өсөн яуаплылыҡты бүтәндәр өҫтөнә ауҙарырға маташыу, закон сығарыу һәм башҡарма властар араһында яһалма рәүештә ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырырға ынтылыу тип баһалайбыҙ”, – тигәнен уҡығайнылар, депутаттар һикерешеп торҙо. “Мирғәзәмовты ҡыуып сығарырға! Башҡарма власты сүплеккә!” тип ҡысҡырырға тотондолар. Сығыштар күп булды. Бөтөнөһө лә Министрҙар Советын булдыҡһыҙлыҡта, эшләй белмәүҙә, һәлкәүлектә ғәйепләне. Иң аҙаҡтан Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының бер нисә статьяһына нигеҙләнеп, Юғары Совет Президиумы Министрҙар Советына ышанмаусанлыҡ белдерергә тәҡдим яһаны. Юғары Совет Хөкүмәтте эштән бушатырға ҡарар итте. Тәндә шеш саҡ ҡына ауыртыу рәүешендә башлана ла, тора-бара күбә, йәшәрә, унан ҡыҙара һәм, һаҫыҡ эрен сығарып, һытыла. Марат Мирғәзәмов менән уның әшнәләре лә дәүләт етәкселеге тәнендәге шешкә әүерелгәйне. Оҙаҡ түҙҙеләр уның вайымһыҙлығына, ул ғына ла түгел, эшкә ҡамасаулауына. Һуңғы сиктә Хөкүмәтте тулыһынса таратырға ҡарар сығарылды. Сессия, демократик фекер туплауҙың барлыҡ талаптарын үтәп, икенсе хөкүмәт башлығы һайланып, ул яңы составты тәҡдим иткәнсе, иҫкеһенә үҙ бурысын үтәп торорға ҡушты. Әлбиттә, Марат Мирғәзәмов бының менән килешмәне. Власть башына кире ҡайтыр өсөн төрлөсә тырышты. Юғары Совет сессияһынан һуң бер нисә көн уҙғас, Матбуғат йортонда матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Ул унда Министрҙар Советындағы киңәйтелгән ултырышында әйткәнен ҡабатланы һәм Рәхимовтың власты үҙ ҡулы аҫтына алырға ынтылыуы – республикала Президент власы булмаған көйө Президент булып маташыу ул, тип белдерҙе. Әммә ул бер нәмәне аңламаны – власть бит уның башында ултырыу өсөн бирелмәй, ә дәүләткә хеҙмәт итер, янып-бешеп эшләр өсөн бирелә. Тап ошо сифаты юҡ ине уның. Был турала теге 11 хөкүмәт ағзаһының береһе булып ҡул ҡуйған Рәдил Ҡыяметдинов бик үткер әйткәйне: ”Марат Парисович менән эшләү бик ҡыйын булды. Хөкүмәт ултырыштары, элекке партия бюроһындағы һымаҡ, көҙгө ямғыр кеүек йән көйҙөргөс нотоҡ һөйләү менән уҙҙы. Ул ер реформаһы тураһында мин тәҡдим иткән иң үткер мәсьәләләрҙең береһен дә тикшереүгә сығарманы. Уның ҡарауы, Юғары Совет Президиумы өс тапҡыр ер мәсьәләләрен бик ентекләп тикшерҙе һәм республиканың бөтөн халҡын баҡса ере менән тәьмин итте... Республика власынан М.З. Шакиров китте, Р.Х. Хәбибуллин һәм И.А. Горбунов китте, ә М.П. Мирғәзәмов ҡалды. Тик эш барманы. Бына Мирғәзәмов китте. Республика өсөн был юғалтыу түгел, был уның үҙе өсөн генә юғалтыу”. Марат Мирғәзәмовтан һуң ваҡытлы матбуғат етәкселәре менән Мортаза Рәхимов осрашты. Төп һүҙ Хөкүмәтте эшенән бушатыу тураһында булды. – Министрҙар Советы мәсьәләһе әллә ҡасан ҡуйыра башлағайны инде. Иҡтисад үҙаллығына, баҙар мөнәсәбәттәренә күскән саҡта хөкүмәттең үҙенсәлеге ҡырҡа үҙгәрә. Әгәр элек уның ҡул аҫтында урындағы сәнәғәт һәм торлаҡ хужалығы булһа, хәҙер Министрҙар Советы – ул йөҙәрләгән предприятиеның теҙгенен тотҡан, көн һайын йөҙәрләгән прблеманы бик тиҙ хәл итергә тейеш үҙәк. Мирғәзәмов илдең етәкселәре менән уртаҡ тел таба алманы. Хужалыҡ эштәре буйынса Рыжков, Силаев, Павлов, Ельциндарҙың береһендә лә булмаған. Әгәр ул һәм уның кешеләре мәсьәләләрҙе хәл итмәй икән, кешеләр беҙгә килә. Ә беҙ, был кемдең эше тип айырып тормайбыҙ, иң мөһиме – эш алға барһын. Оҙаҡламай парламенттың сираттан тыш ултырышы булды һәм депутаттар Хөкүмәт рәйесе итеп Анатолий Копсовты билдәләп ҡуйҙы. Копсов – күп матди байлыҡ һәм аҡса менән эш иткән эре предприятиеләрҙең етәксеһе булған кеше. Һуңғы эш урыны – “Башкирэнерго”ның директоры. Аҙ һөйләй, күп эшләй торғайны. Әммә бер кире яғы бар ине. Ул теләһә ниндәй эште лә хәл итә алам, тип тотона һәм ниндәй һөҙөмтә менән тамамланырын самаламайынса, бигерәк тә аҡсаны һанамайынса, ҡулын ҡуя торғайны. Ә Министрҙар Советы һәр ваҡыт сикләнгән бюджет менән эш итә торған ойошма бит, бында һәр тинде иҫәпләргә кәрәк. Копсовты Министрҙар Советы рәйесе итеп ҡуйғас, Рәхимов тынысланғандай итте. Ул көндө Булгаков ҡасабаһы янындағы дачаға барып, мунса яҡтырҙы. Ул әҙер булғансы бер үҙе бер бүлмәлә уйланып ултырҙы. Атаһы Ғөбәйҙулла мәрхүм Мораҡта район етәкселәре менән эләгешеп ҡайтһа, үҙе йөрөп ҡыҙыу итеп мунса яға торғайны, шунан ике миндек менән әллә нисәмә тапҡыр үҙен ҡайыҙлар ине. Күрәһең, эҫе менән ҡуша тәндәге ауырлыҡты ла, алама уйҙарҙы ла сығара торған булғандыр. Ошо ғәҙәт, күрәһең, балаһына ла күскән инде. Мортаза ныҡ итеп сабыныу йәһәтенән атаһына еткерә алмай, әммә мунсаны оҙаҡ инә. Бөгөн дә әллә өс, әллә дүрт мәртәбә сабынғас, башына ҡапыл бер уй килде. Кеше менән яманлашып, талашып, үҙ һүҙеңде һүҙ итергә ҡыр талашып йөрөгәнсе, әллә барыһын да ҡыра һуғып, кире заводҡа китергә лә барырғамы икән? Йәннәт булған икән уның элекке эше. Нимә әйтәһең, шуны эшләйҙәр. Аҡсаһы ла яҡшы, эшселәр араһында ла ихтирам ҙур. Ҡала етәкселәре лә “Рәхимов” тип күҙеңә генә ҡарап тора... Минең йөрәк Дөп-дөп. Мортаза йөрәгенең ныҡ һуғыуына уянып китте. Ни хикмәттәндер был хәл, тип уйлап ятты бер аҙ. Шунан иҫенә төштө: йөрәк бит уның усында ине, шунан уны ике ҡулы менән ҡапланы. Төшөп тә китмәһен, йә һуғыуҙан туҡтап ҡуймаһын, тип. Ә йөрәк дөп тә дөп килде. Медицина китаптарында йөрәктең һүрәтен төшөрәләр бит әле, уға тоташҡан ҡан тамырҙарын – ҡыҙылын да зәңгәрен дә күрһәтеп, тик йөрәккә ингән урында ғына ҡырҡып. Тап шулай ине Мортазаның усындағы йөрәк. Һулҡ-һулҡ тибә үҙе, ә ингән дә, сыҡҡан да ҡан юҡ. Төш, төш ине бит был. Төшкә нимә генә инмәҫ. Әммә бығаса уның төшөнә эшләп торған йөрәк күренгәне юҡ ине. Йөрәк һулҡылдап һуҡты. Шунан һуң ни булды һуң әле? Ә-ә, услап ике ҡулын ҡыуыш яһап, ҡаплап ҡуйғайны, йөрәк һаман тибә бирҙе. Бер заман ҡайҙандыр ҡоршау килеп сыҡты ла ҡыуышланған устарҙы һығып ҡоршай башланы. Шул тиклем ҡаты тимерҙән ҡоршау, ҡулдарҙы ысҡындырырмын тимә. Ҡоршау усты ҡыҫа һаман, ә урталағы йөрәк һаман ҡаға, тыпырсынған була, көслөк менән һулҡылдай... Төш тиһәң дә төш инде. Әллә нимәләр күренеп бөтә. Рәхимов йыуынып-кейенеп, тамағын туйҙырып алғансы төш онотолдо. Көндәлек мәшәҡәт башланды. Ул үҙен көтөп торған машинаға сығып ултырҙы ла эшкә китте. Ә бында мең мәсьәлә. Шуларҙы хәл итеп бөтөп торған арала, ярҙамсыһы инде. – Мортаза Ғөбәйҙуллович, бөгөн Йылайыр районына барырға икәнлеген онотманығыҙмы әле? – Бөгөнмө ни әле ул? – Эйе. – Алыҫ бит инде. – Яҡын ер түгел. – Ҡайҙа, ҡарайыҡ әле картанан. – Рәхимов стенала элеүле карта янына килде. Ул ҡәләм менән төрткөләп ҡарап торҙо ла, ике аҙым артҡа сигеп, йәнә картаға текәлде. Шунан: – Бәй, йөрәк кеүек тә ул, – тип ғәжәпләнде. – Нимә? – Башҡортостан. Һүрәттәге йөрәкте күргәнең бармы? – Бар. – Яҡшылабыраҡ ҡара әле. Бына йөрәктең өҫтө, бына уға ингән һәм сыҡҡан ҡан тамырҙары, бына бәләкәй йөрәк. Мына йөрәктең аҫ яғы... – Ысынлап та, шулай икән шул. – Бына йөрәк һуға башланымы, Өфө тапҡыры бер күтәрелә, бер төшә. – Эйе шул. – Өфөнө тоташтырған юлдар йөрәктең ҡан тамырҙары кеүек. – Ҡалай оҡшаған. Ике ир тағы ла бер аҙ картаға ҡарап торҙо ла өҫтәл яғына атланы. – Йылайыр икән, Йылайыр. Төштән һуң сығып китербеҙ, – тине Рәхимов. – Унда ҡунып ҡайтырбыҙ инде, алыҫ бит. – Эйе, ҡунырға тура килер. – Вәлиев йөрәген һулҡылдатып көтәлер инде. – Моғайын. Йылайыр Башҡортостанға унда йәшәгән кешеләрҙең милләте яғынан ҡараһаң, бигерәк сыбар балаҫ рәүешендә булыр ине. Бында йөҙҙән ашыу милләт вәкиле көн күрә. Ҡайһы берәү уны маҡтанырға сәбәп, ти. Йәнәһе, йөҙҙән ашыу милләт һыйышып, дуҫ йәшәй. Дуҫлығы тураһында әйтеүе ҡыйын, һыйышып йәшәйҙәр, уныһы дөрөҫ. Һыйышып йәшәмәй ҙә ни ҡылаһың? Һыйышмаһаң, һуғышырға кәрәк. Тик кемдең һуғышҡыһы килһен. Яҙмыш ҡушҡас, йәшәйһең инде. Әрләшергә, һуғышырға сәбәбе булһа ла, тешеңде ҡыҫаһың да өндәшмәйһең. Көн итәһең. Әммә быны дуҫлыҡ тип атау хилафлыҡ булыр. Ауыҙ-танау ҡанатып, һуғышырға мәле етмәгәнгә күрә генә һыйышып йәшәй улар. Мәле етһәме... Өс йөҙ йылдан күберәк башҡорттар Рәсәй батшаһы аҫтында йәшәгән. Шул йылдар эсендә 90 тапҡыр власҡа ҡаршы баш күтәргән. Власть тип ул үҙенә мылтыҡ төбәгән, ҡылыс күтәргән урыҫ кешеләрен атай. Сөнки башҡорттарҙың башын киҫергә килгән ғәскәр урыҫтарҙан торған, һәр хәлдә, урыҫса һөйләшкән һәм суҡынған. Башҡорт күтәрелештәрен баҫтырыусылар араһында мишәрҙәр, татарҙар, мордва, сыуаштар ҙа хеҙмәт иткән. Ғәскәрҙең һәр кешеһе башҡортто тыумыштан ҡараҡ һәм һуғыш суҡмары тип белгән. Ә ҡараҡтың иң яҡшыһы – үлек ҡараҡ. Теге ғәскәр ошоға өлгәшергә тырышҡан да инде. Башҡорт халҡы һуңғы дүрт быуат буйына һан яғынан артмаған. Ә уның менән һыйышып йәшәүсе бүтән милләт вәкилдәре тиҫтәләрсә мәртәбә күбәйгән. Төп халыҡтың ирҙәре яуҙа ҡырылған, ҡатындары, балалары ҡоллоҡҡа һатылған, тыуым күп булмаһын өсөн башҡорттар 25 йылға батшаның әрме хеҙмәтенә оҙатылған. Был ғына ла аҙ, Столыпин реформаһы мәлендә башҡорттоң аҫаба ере ике тапҡырға ҡыҫҡартылған һәм Урта Рәсәйҙән бында күскенселәр килтереп тултырылған. Ошондай репрессияларҙан ҡотолор өсөн башҡорттарҙың байтағы үҙ милләтенән баш тартып, бүтән халыҡ булып яҙылған. Был ғына ла аҙ, төрлө һылтау менән башҡорттарға үҙ телендә белем бирмәйҙәр һәм былар араһында бүтән милләткә күсеү тағы ла көсәйә. Туҡһанынсы йылдарҙа ошо мөнәсәбәт бик ныҡ ҡырҡыулашты, һәм милләт-ара хәлдәр һыйышып тыныс йәшәүҙән үҙ-ара ыҙғышҡа барып етте. Бер шырпы сыйып ҡына ташла, хәҙер янғын сығыр. Башҡорттар килмешәктәрҙе, бүтәндәр башҡорттарҙы һәр төрлө гонаһта ғәйепләргә тотондо. Ҡайһы бер урында шырпыны тоҡандырыусылар ҙа табылды. Мәҫәлән, Йылайыр районының Йылайыр ауылында бер ҡатынды эңер мәлендә башҡорт булғаны өсөн генә үлтерә яҙғансы урыҫ йәштәре туҡмап китте. Ғөмүмән, Йылайырҙа һыйышып йәшәү тигән нәмә лә булманы. Йылайыр ауылы – район үҙәге – 99 процент тиерлек урыҫтарҙан торҙо һәм райондың яртыһынан күберәге башҡорт булһа ла, район органдарында башҡорттар эшләмәне тиерлек. Йылайырҙа урамда, магазиндарҙа, ашханала, йәмәғәт органдарында башҡортса һөйләшеү тыйылғайны. Рәсми түгел, әлбиттә. Ҡараңғы төшкәс, башҡорт кешеһенә урамға сығырға ярамай ине. Һикһәненсе йылдарҙа әле ҙур ғына вазифа биләгән бер башҡорт кешеһен ошо тыйыуҙы боҙған өсөн унға яҡын тапҡыр туҡманылар. Әлдә ул түҙем ине, шуға сыҙап йәшәне, Йылайырҙы ташлап китмәне. Балаларын һуғыш алымдарына өйрәтте һәм улар һөжүмселәргә ҡаршы тора алды. Йылайыр халыҡ араһында шовенист ауыл булараҡ дан алғайны. Бер-ике ыҙғыш арҡаһында ғына түгел, тиҫтәләрсә йылдар буйына тиҫтәләрсә кире мөнәсәбәттәр миҫалында тағылғайны уға был йәрлек. Башҡорт шағирҙары Бабич менән Иркәбаевты ла ошонда үлтергәйнеләр бит инде. Халыҡ араһында ғәмәлдәге мөнәсәбәттәрҙе ҡысҡырып һөйләмәнеләр, рәсми сығыштарҙа ғына дуҫлыҡ тинеләр. Ысын хәлде Башҡортостан Республикаһының етәксеһе Мортаза Рәхимов белә ине. Ул бит үҙе ошо мөхиттә үҫте, уҡыны, йәшәне. Ике телле мәктәптәрҙә дәрестәрҙән һуң ике милләт балаларының ҡапма-ҡаршы һуғышыуы йыш була торғайны. Шуға күрә милләт-ара мөнәсәбәттең нисек икәнлеген республикала йәшәгән кешеләр белде. Улар шул уҡ ваҡытта милләттәрҙең төрлө булғаны өсөн генә ыҙғышырға ярамағанлығын да, һуғышып йәшәгәнсе һыйышып йәшәү күпкә яҡшыраҡ икәнлеген дә белә ине. Нисек итеп өлгәшергә һуң ошоға? Был һорауға әҙер яуап юҡ, булыры ла икеле. Күрәһең, һәр осраҡта ла ыңғайын да, киреһен дә үлсәп, яҡшы һуғыштан алама солох яҡшы икәненән сығып эш итеү кәрәктер. Ошо хаҡта һуңғы ваҡытта Мортаза Рәхимов йыш уйланды. Уйланырһың да шул. Суверенитет тинек, Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация иғлан иттек. Юғары даирәләрҙә һәйбәт яңғырай был документ. Ә ғәмәлдә нисек һуң? Халыҡ өсөн ул нимә бирә? Әлеге Йылайыр районында ыҙғыш сығармаҫмы, ыҙғыш мылтыҡ менән атышҡа әүерелмәҫме? Тап шул ваҡытта Йылайыр районы Советы рәйесе эштән ебәреүҙе һорап ғариза бирҙе. Кемде ҡуйырға? Ул кеше районда быҫҡып ятҡан һуғыш ҡуҙын дөрләтеп ебәрерме, әллә һүндереп ҡуйырмы? Халыҡ хәтерендә туҡһанынсы йылдарҙың башы һауа торошон билдәләп барыусылар китабында ла уртаса йыл булараҡ ҡалған. Ямғыр ҙа ваҡытында яуып, ысыҡ та таңын төштө, тигәндәй булды. Игендәр емерелеп уңмаһа ла, кешегә лә, малға ла етерлек ине. Иртә тороп, һуң ятҡан хужалар келәттәргә яҡшы уҡ ашлыҡ һалды. Тик оҙаҡҡа етмәне монаят, колхоз, совхоз келәтендә саҡта бер тәләфләнһә, дәүләт бураһына һалынғаны тиҙерәк тә бөттө. Шунан инде илдең иң юғары власы башында ултырыусылар ҡул һоноп китте Америкаға, Германияға, Италияға... “Үлтермәгәҙ, ярҙам итегеҙ, берәй заман хаҡын түләрбеҙ”. Ярҙамлашты тегеләр. Ҡайҙа оҙаҡ ятып күгәргән иген менән яһалма аҙыҡ-түлек ҡушылған икмәк, ҡайҙа чупа-чупс тиелгән имгес, ҡайҙа фабрикта үҫтерелгән тауыҡ бото менән сусҡа башы... Мәскәүҙең ҡап уртаһында М хәрефе төшөрөлгән ашхана асылды. Кешеләр тәүҙә быны, М хәрефле булғас, тик Мәскәү өсөн махсус яһалған нәмә тип бер булды, Свердловскиҙа ла М пәйҙә булғас, бөтөн Рәсәй өсөн бер мәсекәй икән, тинеләр. Эт тә ашамаҫ нәмәне матур ҡағыҙға төрөп, йылытып тотторалар ҙа Америка ярҙамы тип атайҙар. СССР тигән илдә тартҡылаш, атай – ҡыҙҙы, әсәй улды белмәгән мәл һаман дауам итә. Йылайыр районы республиканың көньяғында ята, майҙаны йәһәтенән Башҡортостан райондары араһында икенсе урынды алып тора. Әле районда етәксе булғандарҙың кеме булһа ла яңы юҫыҡты тотоп, егәрле эшләренә ышаныс юҡ ине. КПСС заманында ла Йылайыр етәкселәре ырғып төшмәй торғайны. Иркенлек елдәре иҫкәс, тегеләр бөтөнләй үк йөҙ бормаһа ла, баш бирмәҫкә самалауҙары тойола ине. “Һабыр” совхозының директоры булып бик матур эшләп йөрөгән Юнир Вәлиевкә Өфөнән Йылайырға килгән бер нисә кеше күҙ һалды. Ауыл хужалығы министры Ғәбитов, мәҙәниәт министры Әминев, хакимиәт башлығы Шәйәхмәтов оҡшатты эшмәкәр кешене. Йәше ҡырҡҡа ингән, ҡара крәҫтиәндән сығып, директор дәрәжәһенә тиклем юл үткән, совхозды районда ғына түгел, республикала алдынғылар рәтенә күтәргән, яҡшы белемле, бер түгел, ике юғары уҡыу йорто тамамлаған, партия Өлкә комитетының иң йәш ағзаһы булған, бер ниндәй кәртәләргә ҡарамай маҡсатына дөрөп бара торған, ауыл, район Советында әллә нисә тапҡыр депутат булған, абруйлы, һәр кешегә лә һүҙе үтә торған кеше тип сырамыттылар. “Беҙҙең менән иңгә-иң терәп эшләрҙәй кеше ошо. Райондың иң төпкөлөнән сыҡҡан. Уны энәһенән ебенә тиклем белә. Райондың етәксеһе итеп уны ҡуйырға кәрәк”, – тинеләр. “Ярар, саҡырығыҙ, күрәйек”, – тине Рәхимов. Юнир Өфөгә килде, Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе бүлмәһенә инде. Ҡул биреп күреште Рәхимов, ултырырға урын тәҡдим итте. “Хәлдәр нисек?” – тип белеште. Вәлиев үҙе, ғаиләһе, совхозы, район тураһында ҡыҫҡа ғына итеп һөйләне. Ҡарап, тыңлап ултырҙы ла Рәхимов, ике ҡулын ҡаушырып: – Беҙ һиңә Йылайыр районына етәкселекте тәҡдим итһәк, нисек ҡарарһың? – тине. – Әллә тағы, ышанып тапшыраһығыҙ икән, тырышырмын, – булды яуап. – Тик мине район Советы рәйесе итеп һайларҙармы икән һуң? Ошо һүҙ оҡшаны рәйескә. Анттар итмәне, күтәрелеп һуғылманы, ипле генә ҡабул итте әйткәнде, үҙенең шиген дә йәшереп торманы. Шунан республиканы, районды нисек итеп һаҡлап ҡалырға кәрәклеген, бер төптән эшләү зарурлығын һөйләп алып китте. Рәхимовтың һүҙе Вәлиевтең йөрәгенә май булып ятты. Районды, уның кешеләрен ҡыйралыштан нисек ҡотҡарып ҡалырға тип баш ҡатырған кешенең һорауҙарына яуап бар ине был һүҙҙәрҙә. Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе янынан ҡанатланып сыҡты Вәлиев. Әммә уға, Өфөләге һөйләшеү тураһында әлегә бер кемгә лә өндәшмәй торорға кәрәк, тинеләр. Ни өсөн тигәндә, республикала нығына барған яңы власҡа ҡаршы көстәрҙең районда болғаныш ойоштороуы бар. Хәүеф урынлы ине. “Ниндәйҙер Вәлиев районға етәкселек итәсәкме? Райондың тарихында булмағанды, хәҙер килеп шуға юл ҡуябыҙмы? Юҡ”. Ошондайыраҡ тауыш та ишетелде. Өфөлә уйлаштылар. Шунан Мортаза Рәхимов: “Район Советының ултырышын үткәрергә үҙем барам”, – тине. Йылайыр район Советының сираттан тыш 13-сө сессияһы йыйылды. Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе булараҡ, М. Рәхимов ултырышты алып барыуҙы үҙ ҡулына алды. – Ошо көндәрҙә генә Юғары Совет Президиумы Юнир Сәлимович Вәлиевте Йылайыр районының хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар сығарҙы. Бына Указ, – Рәхимов ҡағыҙ күрһәтте. – Хәҙер килеп, мин уны район Советы рәйесе итеп тәҡдим итәм. Ризалашырһығыҙ тип уйлайым. Тауышҡа ҡуям. Кем риза? Кемдәр ҡаршы? Асыҡтан-асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә күпселек Юнир Сәлим улын Йылайыр районы Советының етәксеһе итеп һайланы, – тине ул. Яңы вазифа менән Вәлиевте ҡотлап, ҡулын ҡыҫты. – Текә ҡаяларҙы үтеп сыҡтыҡ. Инде емереп эшләргә тейешһең. Ныҡ тот, бирешмә! Рәхимов Өфөлә саҡта, Йылайырҙа ҡунып ҡайтырбыҙ, тип уйлағайны ла, райсовет сессияһы бөткәс, кире уйланы. – Һин ҡал, эшеңде башла, – тине оҙата сыҡҡан Вәлиевкә. – Мин – Өфөгә. Ошонан башланды Вәлиевтең 18 йылға һуҙылған бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәр һәм алһыҙ-ялһыҙ тормошо. Етәксе вазифаһы, бигерәк тә күҙ күреме лә етмәй йәйрәгән ерҙә меңәрләгән кешенең тормошона етәкселек итеү – ул эш башҡарыу ғына түгел, ә йәшәү рәүеше. Шул вазифаны тотҡан кешенең хатта йоҡоһо ла кешеләр тормошона буйһондорола. Шулай булмаһа, ул район һынлы районға баш була алмай.
Ожмах һәм тамуҡ тибеҙ. Улар бит беҙҙән һуң килер быуындарға ҡаласаҡ эштәребеҙ – изге һәм яуыз эштәребеҙ, ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ, дөрөҫөрәге, шул эштәр тураһындағы ике төрлө хәтер – изге һәм яуыз хәтер. Беҙҙең турала изге хәтер йәшәһә, рухыбыҙ ожмахта буласаҡ, яуыз хәтер йәшәһә, рухыбыҙ тамуҡта ғазап сигәсәк. Ожмахты йәки тамуҡты тере саҡта уҡ әҙерләп ҡуябыҙ. Был донъяла бер ожмахта булдым, Бер һуғылдым тамуҡ тарафына. Йәнем бер саҡ килеп ҡунмаҫ микән Тамуҡ менән ожмах араһына? *** Эштәре мөшкөлләнһә, ткешеләр тәңрегә барып тотона: йә Хоҙай, йә Раббым! *** Иң саф, иң хәйләһеҙ һәм мәкерһеҙ, иң намыҫлы кешеләрҙе тиҙерәк бысраталар. Улар, бахырҙар, аҡ күлдәк ише, кер күтәрә алмайҙар... 16.XI.93 Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Беҙ бал ҡортон беләбеҙме? Был һорауҙы балаларға бирһәң: «Беләбеҙ, улар бал бирә һәм ныҡ итеп ауырттырып саға», – тип яуаплай. Ололарҙың да күптәре бал ҡорттары тураһында ошонан артығын белмәйҙер. Мин сирек быуатҡа яҡын умартасы булып эшәһәм дә, йылдан-йыл үҙем өсөн уларҙың ошоғаса билдәһеҙ, яңы яҡтарын асам. Бына шуларҙың береһен яҙып китергә булдым. Һыуҙы «зарядлап» һауыҡҡан Беҙ бал ҡортон беләбеҙме? Был һорауҙы балаларға бирһәң: «Беләбеҙ, улар бал бирә һәм ныҡ итеп ауырттырып саға», – тип яуаплай. Ололарҙың да күптәре бал ҡорттары тураһында ошонан артығын белмәйҙер. Мин сирек быуатҡа яҡын умартасы булып эшәһәм дә, йылдан-йыл үҙем өсөн уларҙың ошоғаса билдәһеҙ, яңы яҡтарын асам. Бына шуларҙың береһен яҙып китергә булдым. Үткән йылдың көҙгө бер көнөндә ауылыбыҙ аҡһаҡалы Сулпан ағай Тайсин телефондан шылтыратты. Бер аҙ хәл-әхүәл һорашып, донъя мәшәҡәттәре тураһында һөйләшеп бөткәс, әңгәмәсем: «Фәрхинур апайың (ҡатыны) рәхмәт әйтә», – тине. Мин аптырап: «Миңә ни өсөн рәхмәт?» – тийем. Ул: «Теге ваҡытта һин өйрәткән ысулды ҡулланғайны, бына, 20 көн инде шәкәре юҡ», – ти. Шунда минең иҫкә төштө. Сулпан ағайҙар кәзә аҫрайҙар. Фәрхинур апай һауа, ҡымыҙ эшләй. Быны ишетеп, мин уларҙан йылы көйө генә һөт ала инем. Бер барғанымда апай өҫтәл янында ултырған да, ҡулына ниндәйҙер аппарат алып, ниҙер эшләп ултыра. Мин: «Апай, нимә эшләйһең ул?»– тигән һорауыма ул: «Шәкәр ауырыуы менән этләнәм бит, шуның кимәлен үлсәп ултырам, кәрәкһә, инсулин ҡабул итәм» , – тине. Фәрхинур апайға шәкәр ауырыуын дауалай беләм, тип, «Пасека России» гәзитендә баҫылған «Биовода» исемле мәҡәләнең ҡыҫҡаса эстәлеген һөйләп бирҙем. Унда умартаның ҡапҡасын асып, яҫтыҡ аҫтына шешә менән һыу һалып, шуны көн дә эсәһең, тип әйтелә. Сулпан ағайҙың бал ҡорттары бар, улар мин әйткәнсә эшләгәндәр. Һәм Фәрхинур апайҙың ҡанындағы шәкәр кимәле күтәрелеүҙән туҡтаған. Шуның өсөн ул миңә рәхмәт әйткән икән. Диабет – шәкәр ауырыуы, киң таралған сир. Унан дауаланыу өсөн күпме көс һәм дарыуҙарға аҡса китә. Бәлки, бал ҡорттарының файҙаһы күберәк булыр? Шул турала уйлап, элекке гәзит-журналдар араһынан ошо темаға ҡағылған ике мәҡәлә таптым. Береһе – Мәләүез районы гәзите, 2001 йылдың 21 авгусында сыҡҡан һанында чех умартасыһы Йозеф Станектың мәҡәләһе. Икенсеһе Тамбов өлкәһенән Юрий Драгель авторлығында «Пасека России» гәзитендә (2008 йылдың 7-се һаны) сыҡҡан мәҡәлә. Был умартасылар дауаланыу өсөн ошоларҙы тәҡдим итәләр: «Ҡайнамаған эсәр һыуҙы 0,5-1 литр быяла йәки пластмасс шешәләргә ҡойоп, умартаның ҡапҡасын асып, йылытҡыс яҫтығы аҫтына һалаһың. Ике сәғәт үткәс, алып, көнө буйы яйлап эсәһең». Й.Станек мәҡәләһенән өҙөк: «Умартасының диабет менән ауырыусы 67 йәшлек ҡатынының ҡанындағы шәкәр кимәле умартаға һалынған һыуҙы ярты йыл эскәндән һуң 32 берәмектән 7,1 берәмеккә тиклем төшкән. Сирлене табип даими конролдә тотҡан. Уның ире бер йыл буйына баш ауыртыуынан һәм быуындары һыҙлауҙан ҡотола алмаған. Ошо һыуҙы эскәндән һуң бер ай эсендә ауыртыныуҙарынан ҡотолған». Ю. Драгель түбәндәгеләрҙе яҙа: «Терапевт менән кәңәшләшкәндән һуң ҡанындағы шәкәр бер кимәлдә торған өс кешене һайлап алғандар. Сирле В.-ға – 52 йәш, уның шәкәре 8,5 берәмек, сирле Н.-ға – 54 йәш, 9 берәмек, сирле А.-ға – 56 йәш, 8,5 берәмек тәшкил иткән. Улар барыһы ла бергә умарталыҡҡа килгәндәр, 0,5 литр һыуҙы умарталар эсенә ҡуйып алғандан һуң эскәндәр. ¤с айҙан һуң уларҙың ҡандарынан алынған анализдары норманы күрһәткән». Тағы ла бер гәзиттә Драгелдең бер мәҡәләһе бар ине, уны таба алманым. Унда һүҙ эскән һыу күләме тураһында бара ине. Тәжрибәне үҙендә эшләгән. Бер көндә эсәр һыуҙы 0,5 литрҙан башлаған һәм 3 литрға тиклем алып барып еткергән. Ләкин 3 литрҙы эсеп бөткәндән һуң уға ауыр булған. Шунан һуң ул көндәлек норманы 0,5 литр тип тәҡдим иткән. Й. Станектың яҙыуы буйынса, бал ҡорттары хатта косметик кремдарҙың, медицина майҙарының һәм бальзамдарының дауалау көстәрен арттырыуы мөмкин. Мин үҙем үрҙә яҙылған мәҡәләләрҙе уҡығас, йәй көндәрендә һыуҙы умарталарға ҡуйып эсеп ҡарағаным булды. Ләкин тәнгә ниндәй ҙә булһа тәьҫир булғанын һиҙмәнем. Ул ваҡытта йәшерәк инем һәм дауаланыуҙың кәрәген күрмәгәнмендер инде. Быйыл иһә һыуҙы ҡулланып ҡарарға уйым бар. Ябай эсәр һыуҙың зыяны юҡтыр, моғайын. Ә ҡалғандар үҙҙәре ҡараһын, һәр кемдең иркендә. Дауалау препараттарының рекламаларында: «Кире тәьҫире булыуы ихтимал. Табип менән кәңәшләшегеҙ», тип яҙыла. Был мәҡәлә реклама түгел, шулай ҙа табиптар менән кәңәшләшеү артыҡ булмаҫ. Фуат Толомбаев. Сирғол ауылы. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Көнбайыш-Мариц бурокүмер бассейнын үҙләштереү кәрәклеге арҡаһында, 1947 йылдың 10 майында ҡала төҙөлөшө башлана[4]. 1947йылдың 2 сентябрендә ҡала Раковски, Мариин һәм Черноконевый торлаҡ пункттарын ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә һәм Георгий Димитров хөрмәтенә исем бирелә[3]. 1947 йылда ҡаланы булдырғанда халыҡ һаны 9 мең кеше тәшкил итә [2]. Ҡаланы төҙөү дөйөм план буйынса үтә, предприятиелар һәм торлаҡ йорттар менән бергә мәҙәни-көнкүреш учреждениелары төҙөлә һәм йәшелләндереү үтә[2]. 1948 йылдан 1950 йылға тиклем ҡаланы "Йәш гвардия" бригадаһының 50 000 ағзаһы төҙөй, улар Болғарҙың 963 ауыл һәм ҡалаларынан киләләр. Уларҙың бер өлөшө яңы ҡаланың халҡына инә[4]. Бригадалар унлаған йорттар, химик завод, « Вулкан» заводы, азот ашламалары заводы, юл селтәрҙәрен, тимер юл линияһын, яһалма күл һәм башҡа инфраструктура объекттары төҙөй. Бында икмәк заводы Болгарияла беренселәрҙән булып асыла[4]. 1969 йылда халыҡ һаны 44 мең кеше тәшкил итә, ҡала ауыр сәнәғәт һәм энергетика үҙәге булып тора,1970 йылдар башында иң ҙур предприятиелар булып йылылыҡ электр станцияһы (урындағы һоро күмерҙә), «Вулкан» цемент заводы, шифер заводы һәм химик комбинаты, бында шулай уҡ социалистик төҙөлөш музейы һәм планетарий эшләй[2]. 1985 йылда халыҡ һаны 54 мең кеше тәшкил итә, ҡала химик машина төҙөү, химия, цемент, туҡыу сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек үҙәге булып тора[3]. Йыл Халыҡ 1985 965 53 1992 977 50 2000 004 48 2005 529 42 2010 510 39 Сәйәси хәлҮҙгәртергә Димитровград общинаһының кметы (мэр)— Димитров Стефан Димитров (коалиция партияһы: ирекле демократик Союзы (ССД), Игенселек халыҡ союзы (ЗНС), Болгария эшсе социал-демократик партияһы (БСДП), «лидер» (НЛ) һөҙөмтәләре буйынса һайлана. СәнәғәтеҮҙгәртергә 2009 йылда бында «Неохим» АД, «Терахим», «Химремонтстрой», «Хлорофил», «Химик» заводтары эшләй[4]. Туғанлашҡан ҡалаларҮҙгәртергә Блида, Алжир Казинцбарцик, Венгрия Айзенхюттенштадт, Германия Каламария, Греция Гроссето, Италия Ҡалып:Флаг Монголии Дархан, Монголия Яңы-Хут, Польша Димитровград, Россия Көньяҡ, Украина Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә Димитровградецтар ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ↑ 1,0 1,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-09-2022_2.txt ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Димитровград // Ҙур Совет Энциклопедияһы. / под ред. а. м. Прохоров. 3-изд. 8 шул. М., «советская энциклопедия», 1972. 267 стр. ↑ 3,0 3,1 3,2 Димитровград // большой энциклопедический словарь (2-ттары йылдар). / редколл., гл. ред. а. м. Прохоров. 1 шул. М., "советская энциклопедия", 1991. 391 стр. ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Domino: Dimitrovgrad 2006 йылдың 18 ғинуар көнөндә архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
Ярты килограмм ҡабаҡ, 250 грамм кишер, 120 грамм һуған, ¼ стакан үҫемлек майы, бер аш ҡалағы шәкәр, ярты аш ҡалағы тоҙ, бер стакан һыу, бер аш ҡалағы 9 процентлы һеркә кәрәк. Тәүҙә һуған менән кишерҙе йыуып, таҙартып киптерәбеҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды, ҡабаҡты ваҡлап турайбыҙ. Шунан ҡабаҡты, кишерҙе, һуғанды кәстрүлгә һалып, һыу ҡойоп, 40 минут тирәһе ҡайнатабыҙ ҙа, уттан алып, блендер аша үткәрәбеҙ. Уға тоҙ, шәкәр, томат пастаһы, үҫемлек майы өҫтәп, 15 минут ҡайнатабыҙ. Уттан алғас, һеркә ҡушып, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: top10a.ru Автор: Рисаля Юмагулова https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/ish-a--aba-tan-ikra-464065/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Яҙыусы иҫән саҡта ла, вафатынан һуң да уның исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Бөгөн Ноғман Мусиндың йәшәгән йортонда (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 7/1 йорт) таҡтаташ асылды. Был сара уның вафатына бер йыл тулыр алдынан ойоштороло. Сара Ноғоман ағайҙың тауышы менән башланып китте: уның телевидение фондында һаҡланған яҙмаларының береһенән өҙөк яңғыраны. Ул унда бәхет төшөнсәһе тураһында фекерен еткерҙе. Тантанала билдәле шәхестәр, яҙыусының яҡташтары, әҙәбиәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Улар бөйөк шәхес тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште, юҡһыныу хистәре тураһында һөйләне. Шағирә Ғәлиә Кәлимуллина хистәрен шиғри юлдар менән еткерҙе: Мәңгҽлҽктҽң тын алышын Һаҡлай урман. Зәңгәр сатыр аҫтындағы Серле ҡормам. Шул ҡорманы ут алдымы, Янам мин дә. Урман ул - Ҡот, ҡото мҽнән Көслө бәндә. Ә яҙыусы Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр, журналист Тәлғәт Сәғитовтар Ноғоман Сөләймән улының иҫән саҡта әйткән һүҙҙәрен, эшләгән эштәрен бәйән итте. Таҡтаташты асыу мөмкинлеге Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәновҡа һәм яҙыусының йорт-музейы мөдире Лилиә Мөхәмәҙуллинаға бирелде. "Мин - мәңгелек урман" - таҡтаташтағы был яҙма символик мәғәнәгә эйә: яҙыусы ижады менән үҙенең исемен үҙе мәңгеләштерҙе. Бөгөн шулай уҡ Әхмәт Зәки Вәлиди исемендәге китапханала ла яҙыусының ижадына арналған әҙәби кисә үтә.
Баҡсағыҙҙа топинамбур үҫтерәһегеҙ икән, уның файҙаһын күрә белергә кәрәк. Уның япраҡтарын, сәскәләрен, бүлбеләрен ҡулланалар. Баҡсағыҙҙа топинамбур үҫтерәһегеҙ икән, уның файҙаһын күрә белергә кәрәк. Уның япраҡтарын, сәскәләрен, бүлбеләрен ҡулланалар. Топинамбурҙан яһалған төнәтмә ҡан баҫымын түбәнәйтә, ҡандағы шәкәрҙе төшөрә, гемоглобинды күтәрә, бауыр өсөн дә бик файҙалы. Шулай уҡ уны һейҙек һәм үт ҡыуығында таш, инфаркт булғанда, яман шеш ауырыуын профилактикалау маҡсатында ҡулланалар. Топинамбурҙа кеше организмы яҡшы үҙләштерә торған үҫемлек инсулины бар. Был уның төп дауалау сифаты. Бер аш ҡалағы ваҡланған топинамбурға бер стакан ҡайнар һыу һалып, бер аҙ ҡайнатырға һәм һөҙөргә көрәк. Көнөнә өс тапҡыр стакандың өстән бер өлөшөн эсергә. Дауалауҙы ике аҙна дауам итергә мөмкин. Фото: интернет Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Шундай парҙар була – уларҙы күргәс, йылмаймай, эстән генә һоҡланыу ҡатыш ихтирам итмәү мөмкин түгел – үҙ-ара мөнәсәбәттәре публика өсөн түгел - ҡорос, үҙҙәре тырыш, донъялары бөтөн, балалары ипле, йәшәйеш-тороштары бар ғәмгә өлгө. Иҫке Собханғолдоң йәмле Ағиҙел буйын төйәк иткән Торсонбаевтар – ана шундайҙарҙан. Май тәпәне тышынан билдәле, тигәндәй, ир-ҡатын мөнәсәбәттәре, улар ни тиклем тырышып-тырмашып ете йоҙаҡ артына бикләнһә лә, сит кеше күҙенә шунда уҡ салына – Нәфисә апайҙың: “Марат, әйҙә шулай ит әле, былай ит әле”, - тип ихтирам менән ипле һүҙ ҡушыуы, тегеһенең үҙенә Раббыһынан насип яртыһын күҙ ҡарашынан, һәр ымынан аңлап тороуы – күрер күҙгә ҡыуаныс, тойор күңелгә һөйөнөс инде! Теүәл ярты быуат элек осраштырған һәм ҡауыштырған уларҙы яҙмыш. Мәктәпте бөткәс тә фермаға эшкә барған, аҙаҡ ныҡышып, Стәрлелә кооперация буйынса алты айлыҡ курстарҙа һатыусы һөнәрен үҙләштергән Әбделмәмбәт ауылы һылыуын шунда уҡ район ҡулланыусылар йәмғиәтенә эшкә ебәрәләр. Нәҡ ошо мәлдә әрменән яңы ғына ҡайтып төшкән Марат Байғужа улы Торсонбаев та райпоға шофер булып эшкә урынлаша. Бер күргән – таныш, ике күргән – белеш, тигәндәй, йәштәр танышып китә. Әмәлгә ярағандай, Нәфисә апайҙы, һин йәшһең, тип, Марат ағайға ултырталар ҙа ауылдар буйлап тауар һатыуға ебәрәләр. 1972 йылдың 15 ғинуарында Марат ағай һөйгәнен әйттерә, 8 мартта гөрләтеп туй яһайҙар. “Марат Шәмсиһан тигән инәйҙә йәшәй ине. Ата-әсәһенән бик иртә етем ҡалған. Мин шул әбейгә килен булып төштөм. Мараттың туғандары мине үҙ күреп, һәйбәт ҡабул итте. Матур итеп туй үткәрештеләр. Артабан үҙ тырышлығыбыҙ менән йәшәп киттек. Марат ғүмер буйы руль артында – юлда булды. Бер-беребеҙҙе ихтирам иттек, кеше һүҙенә төшөп, бер-беребеҙҙе рәнйетмәнек, аңлашып йәшәнек. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, әммә беҙ бер-беребеҙгә ҡарата булған һөйөү-ихтирамды алдын ҡуйҙыҡ”, - ти Нәфисә апай. Эйе, бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй – бер-береңә тоғролоҡ һаҡлап, ихтирамлы, аяулы, иғтибарлы, мөхәббәтле булһаң, шул еткән! Ошо камил бәхеткә эйә бөгөн Торсонбаевтар – 50 йыл бергә йәшәү дәүерендә береһе өсөн береһе ғәзизерәк, береһе өсөн береһе кәрәк һәм терәк! Марат ағай 45 йыл хеҙмәт стажына эйә булһа, Нәфисә апай 40 йылға яҡын эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бынамын тигән балалар үҫтереп, уларҙы уҡытып, донъя төҙөшөп оло тормош юлына сығарған улар. Иң ололары - Ринат ике бала атаһы, Зиләләре лә ике балаға әсәй, төпсөктәре Зәлиәнекеләр өсәү. Олатай-өләсәй булыу бәхетенә өҫтәп, бүләсәр күрергә лә яҙған уларға. Балаларыбыҙ һау ғына булһындар, тәүфиҡтарын бирһен, тип кенә ултыралар. Хаҡлы ялға сыҡтыҡ тип, өйҙә бикләнеп ултырмай Торсонбаевтар. Ҡасан ҡарама, улар йә яр буйлап парланышып саф һауала йөрөй, йә урман-ҡыр гиҙә. Быйылғы йәйҙә генә лә Шүлгәнташҡа, Аҡбуҙат һәйкәленә, Ябаҡ тауына барғандар. Һәр нәмәлә тәртип һәм зауыҡ яратҡан Нәфисә апайҙың өй эсе, баҡсаһы тулы гөл-сәскә. Турғай осоп инмәҫлек донъяһын заманса уңайлыҡтар менән камил иткән Марат ағай. Шулай тиң һәм бәхетле, мөхәббәтле ҡартлыҡ кисереп, бер-береһен аяп-ҡурсып йәшәй Торсонбаевтар. Ошо бәхеттәренән айырмаһын Хоҙай! Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Рәмис әсәһе менән үҙенең ниндәй уйында ҡатнашыуын ҡайҙан белһен инде? Уларҙы шат бер егет подъезд алдында уҡ ҡаршы алды. Юл буйы мыжып килгән Рәмис ят ағайҙың ҡулындағы ҙур, оҙонса ҡарбузды күреү менән, йөҙө асылды. – Был кемгә? – тине ул, иҫәнләшеп тә тормай. – Һиңә, малай, һиңә! – Шул тиклем ҙурҙы алмаһағыҙ... – Күтәреп килә торғас, ҡул ҡалманы, – тип көлдө егет. – Тегеләр ҙә хәйләкәр. Ҙурыраҡ ҡарбузды алһаң, табыш та күберәк бит. Бынауы бер утыҙ кило булғандыр. ҠАРБУЗ Хикәйә Өсөнсө өлөшө (аҙағы) – Белмәйем, быны нисек ашап бөтөрбөҙ икән... – Борсолма, һыуытҡысҡа һалһаң, бер аҙнаға тиклем һаҡлап була. – Ҡара уны, эҫе һыу юҡ, шулай булғас, ҡарбузыңды үҙең ҡырып йыуаһың. Был һүҙҙәрҙе егет өйгә саҡырыу тип ҡабул итте. Ҡарбуз ҡырып йыуылды һәм бәләкәй генә батмуста урын алды. Егет өйрәнгән хәрәкәттәр менән ҡарбуздың яртыһын айырып алды ла, ваҡ ҡына киҫәктәргә турап ташланы. – Һин – молодец! – тине егет. – Теге әзмәүерҙе күҙ менән ҡаш араһында ботарланың да һалдың. Ҡайҙа барып эләккәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды шикелле. Әллә кем булып тора ине. Иртәгә нимә эшләр икән? Ә ҡарбуз тәмле ине. Мулыҡтылар өсәүләшеп, алһыу һыуын ағыҙа-ағыҙа, кимерҙеләр. Рәмис ашауын онотто, йоҡоһо килгәнсе, ҡарбуз тулы батмус тирәһендә өйөрөлдө. – Етәр, улым. Әтеү түшәгеңде еүешләп ятырһың, – тип киҫәтеп тә ҡараны, ләкин тыңлата алманы. *** Сәхип, кисен аҡсаһын тапшырғандан һуң, үҙендә ниндәйҙер аңлашылып етмәгән хистәр кисерҙе. Анау ҡатынға юҡҡа бәйләнде. Нәфсе тигәнең тыныс ҡына йөрөргә ирек бирмәй, күптән тышауланған, ләкин әле һаман танһығы ҡанмаған күңеле гүзәл затҡа – йәшерәгенә, һутлырағына ынтыла. Шулай ҙа, арығайны. Хатта һырпаланып килгән бындағы ҡатынын да, һинең ҡайғың юҡ, тигән ҡиәфәт менән ситкәрәк этеп ҡуйҙы. Ир һиҙенә, ул – баҙар майҙанында иң бәләкәй, хоҡуҡһыҙ, һәр кем аяҡ һөртөп китерлек бәндә һәм уға һаҡ булырға кәрәк. Ара-тирә эләккән ял минуттарында Сәхип үҙен бик ябай һәм оҫта итеп күрһәтә белә. Йәштәр уның һәр һүҙен йотоп алырға әҙер, улар уны ярата, икенселәре хөрмәт итә, ә барыһы бергә уны күрә алмай һәм туҡмап китергә әҙер. Баҙар эсендә һөйләйҙәр, Сәхипте ошонда ултыртҡан кешеләр сауҙа үҙәгенең төп менеджерына әллә нисә йөҙ меңме, әллә миллионмы өҫтәп биргән, ҡала хакимиәтенән дә хуплағандар, тип ишетелеп ҡалды. Шулайҙыр. Ана бит, һәр кис, уның эргәһенә килеп, тоҡ-тоҡ аҡса алып китәләр. Аҡса ташыусы һауалы һәм тәкәббер егеттәргә, улары иҫәнләшеүҙе лә кәрәк тип тапмай бит әле, бындағылар ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай. Ә был даирәлә иҫәнләшеү, сәләм биреү – төп талаптарҙың береһе. Әгәр һиңә сәләм биреп хөрмәтләмәйҙәр икән, тимәк, һин быға лайыҡ түгелһең. Төн урталарында Сәхип үтә лә ҡурҡып көткән телефон номерынан шылтыраттылар: – Унда һинең тағы нимә булды? – тип һоранылар. – Ә, теге ҡатынмы, бәләкәй малай менән? – Белмәйем. Хужа бик асыулы, сайттарҙы тултырғандар. Әҙерлән, һиңә иртәгә бик ауыр буласаҡ. – Унда бер ни ҙә булманы. Яла яғалар, мине ситкә тибергә теләйҙәр, – тип ҡалтырана-ҡалтырана һөйләнде һатыусы. – Үҙеңде, ышанысты аҡламау сәбәпле, ситкә тибелеүселәр сафында иҫәпләй алаһың, – тип һөйләшеүҙе өҙҙөләр. Ҡайҙан белһен инде наҙан һатыусы, сайттарҙың нимә икәнлеген һәм уның уларға ниндәй мөнәсәбәте булыуын. Сәхип эшкә бөгөн иртәрәк килде һәм шаҡ ҡатты, кисә генә уның ауыҙына ҡарап торған егет-елән, уны күрмәмеш булып, иғтибарынан мәхрүм итте. Төркөм-төркөм булып һөйләшеп тороуҙарын, уға боролоп ҡараштырыуҙарын, шат йөҙҙәрен күреп, үҙе хаҡында һүҙ барыуын һиҙҙе. “Юҡҡа ҡыуанаһығыҙ. Ҡабаланмағыҙ әле. Абзыйығыҙҙы ат өҫтөнән ҡолатырға ашыҡмағыҙ”, – тине ул эстән генә. Сәхипкә уҡыу бик эләкмәһә лә, сауҙа серҙәрен бында унан да яҡшыраҡ белгәндәр юҡ һәм уларҙың кәрәге лә юҡ. Бына, күрәһегеҙме, ул биләгән нөктә, килеп кергәс тә, иң алда тора һәм ингән бер кешене ҡабул итергә, уны хеҙмәтләндерергә әҙер. Сөнки һәр бер кеше иң тәүҙә уның киң ҡосағына эләгә һәм бик һирәктәр генә ул маҡтап һатҡан емеш-еләкте алмайынса ҡоролай үтеп китә. Табыш өсөн күҙгә күренмәҫ көрәш йылдар буйы, көн һайын иртәнән башлана һәм ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Хатта йоҡлағанда ла тынмай. Әллә кемдәр Сәхиптең урынын эләктереү хыялы менән яна һәм уны этеп төшөрөү буйынса пландар ҡора. Ә Сәхип үҙенең был урынға хужа түгеллеген яҡшы аңлай. Уның бурысы – күберәк һатыу һәм хужаға мулыраҡ табыш килтереү. Әгәр уның ҡулынан килмәһә, быны башҡалар башҡарасаҡ. Шәмбе баҙары һәүетемсә генә башланды. Көн аяҙ һәм ҡояшлы, әммә шаңғытырлыҡ түгел. Оҙаҡламай эҫенән йонсоясаҡ халыҡ фатирҙарынан сыҡты һәм кем уҙарҙан баҙарҙы ҡамай башланы. Сәхип алдараҡ ятҡан ҡарбуздарҙың, помидорҙарҙың, алмаларҙың күҙгә күренер-күренмәҫ саңын көнбағыш майы һеңдерелгән сепрәк менән һөртөп ялтыратып ҡуйҙы. Эстән генә һатып алыусыларҙы йәлеп итә торған, үҙе генә белгән доғаны уҡыны. Башланды! Ана – уның һатып алыусылары, илаһи доғаның ҡөҙрәтенә буйһоноп, уның еләк-емештәрен тотҡолап ҡарай ҙа башланы. Был ни ғәжәп? Тотҡолайҙар, хаҡын белешәләр, тик алыусы юҡ, мыҫҡыллы йылмайғандай, ары үтәләр. Аңламай Сәхип, үҙе тирәһендә нимә барғанын күҙ алдына ла килтерә алмай. Ә эргәһендәге егет-елән ана ниндәй күңелле ҡиәфәт менән сауҙа итә! Һатыулашып та тормай, ҡарбузын да, ҡауынын да тоттора ла ебәрә. Сәхип үҙен ҡапҡанға эләккән ҡомаҡ һымаҡ итеп тойҙо. Эргәһендә – һөнәрҙәштәре, яҡташтары, унан ярҙам күргән кешеләр, ләкин береһе лә уны бар тип тә белмәй. Бындай хәлдә нисек йәшәмәк кәрәк? Күҙенә кисәге ҡатын менән улы салынып ҡалғандай булды. Исемдәре нисек ине һуң әле уларҙың? Ана, рәттәр араһынан, кешеләр диңгеҙен йырып, уға туп-тура ҡарап, әллә кемдәрҙе эйәрткән участковый килә ята. Улар килеп етте лә, шат йылмайышып, һатыусыны уратып алды һәм рөхсәт ҡағыҙҙарын күрһәтеүен һораны. Һатыусы эргәләге йәшниккә тығып ҡуйған бөгәрләнеп бөткән ҡағыҙҙарын алыр өсөн эйелгәндә, һушында ине әле. Кемдер йән көсөнә елкәһенә биргән һымаҡ булды, әллә башы өҙөлдө, әллә уға шулай тойолдо, аҙ ғына туңҡайҙы ла, ҡарбуздары өҫтөнә ҡоланы ла ҡуйҙы. Һатыусы иҫен юғалтты. Мәрхәмәтле берәү “тиҙ ярҙам” саҡыра һалды. Сәхиптең ҡапыл ҡолауын эҫе ҡояшҡа һылтанылар. Бәй, шулай булмай ни, бындай ҡайнап торған көндә һап-һау кешеләр ятып үлерлек. Дауаханаға етеп килгәндә һатыусы, йыш-йыш тын алып, үҙенең әлегә тере икәнлеген һиҙҙерә ине әле... Баҙарға ингән ерҙә генә хужаһыҙ ҡалған нөктә һәм тау-тау булып өйөлөп ятҡан еләк-емеш хаҡындағы хәбәр халыҡҡа аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ тәьҫир итте. Шул тиклем байлыҡтың әрәм булып, юҡҡа сығыуына юл ҡуйырға ярамай. 5-6 минут эсендә иң ҙур һәм бай нөктәнән буш урын һәм йәшниктәр генә тороп ҡалды. Кемдер ҡарбуз эләктергән, ә башҡалар ҡауын күтәргән, ә иң бәхетлеләр йәшник тотҡан. Тап шул минуттарҙа әсәһе айына 20 мең һумға яллаған фатирҙа йоҡлап ятҡан 5 йәшлек малай уянды: – Әсәй, минең түшәгем еүешләнгән, – тип иғлан итте. ––––––––––––––––––– Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Автор:Ф. Ильясова Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Бер ваҡыт берәү Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең өйөнә килеп: "Инергә мөмкинме?" - тип рөхсәт һорай. Мөхәммәт (с.ғ.с.) үҙенең хеҙмәтселәренә: "Бар, сыҡ та был кешегә рөхсәт һорау тәртибен аңлатып бир. "Әс-сәләмә-ғәләйкүм! Өйөгөҙгә инергә мөмкинме, тип һораһын", - тип әйтә. Мөхәммәт (с.ғ.с.) мосолмандарға ете нәмәне эшләргә бойорған: *Ауырыуҙың хәлен белеп тороу; *Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа булышыу; *Сөскөргән кешегә "Йәрхәмбикәллаһ!" (Аллаһы үҙеңде ярлыҡаһын!) тип изгелек теләү; *Зәғифтәрҙе яҡлау, йәбер-золом күргәндәрҙе ярҙамыңдан ташламау; *"Сәләм" һүҙен таратыу; *Саҡырғанды ҡабул итеү; *Ант иткән кешегә биргән антын үтәүҙә ярҙамлашыу. Осрашҡан ваҡытта мосолмандар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешә. "Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә ҡулдарын бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр", - тигән Мөхәммәт (с.ғ.с.). Был йәһәттән Имам Хөсәйен әйтеп ҡалдырған һүҙҙәр бик фәһемле: "Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ы беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе - сәләмгә яуап ҡайтарғанға". Күреүегеҙсә, сәләмләшеү ябай ғына ғәҙәт түгел. Көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур. Һәр тәрбиәле кеше быны белергә һәм үтәргә тейеш.
Үткән йомала коронавирус пандемияһына бәйле райондағы эпидемиологик хәлгә арналған сираттағы брифинг үтте. Үткән йомала коронавирус пандемияһына бәйле райондағы эпидемиологик хәлгә арналған сираттағы брифинг үтте. Тәүге һүҙ менән сығыш яһаған район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, пандемия башланғандан алып районда коронавирус менән 62 кеше сирләгән, 53 кеше һауыҡҡан, 1 кеше әлеге ваҡытта Белорет дауаханаһында дауалана, 7 кеше амбулатор дауа ала. Ике яҡлы пневмония менән сирләүселәр һаны 270-кә еткән. Декабрь айында 11 кешелә был сир теркәлгән. 8 кеше әлеге ваҡытта Белорет дауаханаһында, 16 кеше амбулатор дауа ала, 239 кеше һауыҡҡан. Киҫкен респираторлы вируслы инфекция (ОРВИ) декабрь айында 160 кешелә асыҡланған. Уларҙың күбеһе балалар. Дөйөм алғанда, 3890 кеше ОРВИ менән сирләгән. Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе К. Теләүбаева пандемия шарттарында Яңы йыл байрамын үткәреү мәсьәләһенә туҡталды. Шыршы байрамдары быйыл асыҡ майҙандарҙа йәғни тышта үтәсәк. 30 декабрь көндө район үҙәгендәге ойошма-учреждениелар араһында иғлан ителгән биләмәләрҙе биҙәү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһала, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙар конкурсы, костюмдар парады үтәсәк. Район буйынса эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәре А. Ҡасҡынбаев битлек-бирсәткә режимын һаҡлау буйынса пандемия башланғандан алып 132 протокол төҙөлгәнлеге хаҡында әйтте һәм был режимды һаҡлау һәр кемдең сәләмәтлеге өсөн мөһим икәнлеген билдәләне. Мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә. Вәлиева пандемия шарттарында балаларға белем һәм тәрбиә биреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. ”Ғаилә” үҙәге етәксеһе Ю. Бәхтиәрова халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә баҫым яһаны. Пандемия башланғандан алып 1500 самаһы аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратылған. Улар “Берҙәм Рәсәй” линияһы буйынса бирелгән. -Был тупланмалар 4 һәм унан күберәк 18 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә һәм мохтаж ғаиләләргә бирелә. Исемлекте ҡайтанан ҡарап сыҡтыҡ һәм уны тулыландырып ебәрҙек. АСПК программаһы буйынса 200 тирәһе кеше мөрәжәғәт иткәйне, шуларҙың 54-е аҡса алды. Бында төп ике критерий бар – ул аҙ тәьмин ителгән һәм тормоштарында ауыр осор кисергән ғаиләләргә ҡаралған. Декабрь айында 18 йәшкә тиклемге 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләргә Яңы йыл бүләктәре таратыласаҡ. Ундай ғаиләләр беҙҙә 354, - тине Юлиә Әлфир ҡыҙы. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты бүлеге етәксеһе И. Шәмиғолов әйтеүенсә, байрам осоронда көн һайын берәй спорт сараһы үтәсәк. Сараларҙа ҡатнашыусылар һаны 30-ҙан артмауы шарт. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Һөткә һәм йомортҡаға баҫылған сөсө йә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, май, һөт, йомортҡа һ. б. тәмләткестәр ҡушып эшләнгән ҡамыр) әҙерләнә. Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 сантиметрға яҡын булған ромбиктарға киҫелә. Икенсе варианты — ҡамырҙы түңәрәк формаһында йәйәләр һәм 5 см оҙонлоғондағы киҫәктәргә бүләләр. Иретелгән йә эс майында бешерелә. Сәйгә тәрилкәләрҙә йә вазала бирелә, шулай уҡ һаҡлыҡҡа ла әҙерләнә. ИнгредиенттарыҮҙгәртергә он йомортҡа шәкәр аҡ май тоҙ. ЙолаһыҮҙгәртергә Йыуаса туй һәм байрам һыйы булараҡ бешерелә, Ҡорбан, Ураҙа һәм башҡа мосолман байрамдарында балаларға таратыла.
Рәйес күңеле менән һиҙә, ҡатын уға нимәлер әйтергә теләй, ләкин һүҙ башлай алмай. Әллә асылырға теләмәйме? Юҡ, Зөһрә ваҡ-төйәк менән булаша торған ҡатындарға оҡшамаған. Улар үҙҙәренә артыҡ ышана, йә ниндәйҙер хәл иткес ярҙамға өмөт итә. Ир ҡатынға иғтибар менән ҡарап, уны бик ентеләп тыңлаған һымаҡ, әммә бер һүҙен дә йүнләп тыңламай һәм ишетмәй. -1- -2- -3- -4- -5- -6- -7- -8- УРЛАНҒАН БӘХЕТ Хикәйә Дүртенсе бүлек Рәйес күңеле менән һиҙә, ҡатын уға нимәлер әйтергә теләй, ләкин һүҙ башлай алмай. Әллә асылырға теләмәйме? Юҡ, Зөһрә ваҡ-төйәк менән булаша торған ҡатындарға оҡшамаған. Улар үҙҙәренә артыҡ ышана, йә ниндәйҙер хәл иткес ярҙамға өмөт итә. Ир ҡатынға иғтибар менән ҡарап, уны бик ентеләп тыңлаған һымаҡ, әммә бер һүҙен дә йүнләп тыңламай һәм ишетмәй. – Үҙең беләһең, Рәйес, уҡытыусы һөнәре бик ауыр һәм мауыҡтырғыс. Бына һин класҡа килеп инәһең, нисәмә күҙ һине өмөтләнеп көтөп ултыра. Мин шул балалар менән аралашып, уларҙы тыңлап, үҙем белгәнде өйрәтеп, ысын мәғәнәһендә илһам алып, дәртләнеп килеп сығам, йәшәреп китәм. Миңә бер ниндәй ҙә фитнес кәрәкмәй. Шул балалар эргәһендә булыу мине тормошҡа илһамландыра. Рәйес, ә һин үҙеңдең уытыусыларыңдың дәрестәрен хәтерләйһеңме? Рәйес, һин мине ишетәһеңме. Ир һиҫкәнә, нимә тип әйтергә белмәй, баҙап ҡала. – Нимә? Ишетәм, әлбиттә, ишетәм... – Юҡ, һин мине тыңламайһың, – тип ҡатын урынынан ҡуҙғалырға ынтылғандай итте. – Һин дә ярҙам итергә телмәгәс инде, миңә ҡайҙа барырға? Юҡ, бер таянысым да ҡалманы, һуңғы өмөтөм, ышанысым селпәрәмә килеп, ыуалды. Эй Хоҙайым, ошо ла булған тормош, ә мин һиңә шул тиклем ышанғайным. Рәйес урынынан һикереп торҙо: – Зөһрә, ғәфү ит, зинһар өсөн... Мин һинең хаҡта уйлай инем. Һин әйт, мин һинең өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен. Бер үк ғәфү ит, мин һине үпкәләтергә теләмәгәйнем. Ҡатын әйберҙәрен йыйып алды. Сумкаһынан ҡулъяулыҡ сығарҙы. Иламһыраған тауыш менән күҙҙәрен һөрттө: – Юк, Рәйес, булманы инде. Мин, үҙемә тигәндә, бер ваҡытта ла көрәшә белмәнем. Булһа, булыр, булмаһа, юҡ, тип йөрөнөм. Йә, ярай, һин миңә үпкәләмә, һинең бер ғәйебең дә юҡ. Үҙең һиҙгәнһеңдер, мин, Вәзирә класташыбыҙ һымаҡ, эшен дә эшләгән булып, кеше ышандырып, ҙур аҡсалар эшләй алманым. Минән файҙа бик аҙ, шуға миңә үҙ көсөм менән юл ярырға тура киләсәк. Ә тормоштоң ғәҙелһеҙлеген үҙең беләһең, әрһеҙҙәр, оятһыҙҙар күтәрелгән заман килде, иң түрҙә улар ултыра. Ә миңә үҙемә ышаныс менән баҡҡан, минең һәр һүҙемде йотлоғоп тыңлаған уҡыусыларым менән ҡалырға тура килер. Йә, ярай, яҡшы саҡта хушлашайыҡ. Рәйес күңеле менән һиҙә, бында нимәлер бар һәм был ҡатын юҡтан ғына һүҙ сығарып ултырмай. Иң ҡыҙығы шул, ул нимәгәлер өмөт итә һәм үҙенең маҡсатына ирешәсәгенә тамсы ла шикләнмәй. Ана бит, әгәр шулай уйламаһа, еңел генә хушлашып, бошонған ҡиәфәт менән ҡуҙғала башламаҫ ине. – Ҡабаланма, ултыр, бәлки мин һиңә ярҙам итә алырмын, – тип Рәйес уны баҙнатһыҙ ғына туҡтатырға ынтылды. – Хәҙер ҡасанан бирле ултырабыҙ, ә нимә кәрәклеген асыҡлай алмайбыҙ. Һин үҙең дә ҡыҙыҡ, уралтып-суралтып йөрөйһөң дә йөрөйһөң, ә иң мөһимен әйтмәйһең. – Нисек әйтмәнең? Мин Вәзирә түгел. Ул ғына эшен күрһәтә, хаҡын билдәләй һәм шунда уҡ иҫәп-хисап талап итә. – Аңлашылды. Мин һинең өсөн нимә эшләй алам? Юғары эш хаҡы менән һәйбәт вазифамы, йә фатирмы? Зөһрә, ысынлап әйтәһеңме, тигән ҡиәфәт менән, осҡон сәсрәп торған күҙҙәрен иргә йүнәлтте: – Үҙеңдең мөмкинлектәреңде, нисек бар, шул кимәлдә баһала. Үҙеңә күпте алма, айырыуса, үтәй алмаҫлыҡты. Беренсенән, минең фатирым бар, икенсенән, һин миңә фатир эшләй алмайыһың. Әгәр белмәһәң, юҡ ундай мөмкинлектәр хәҙер. Аҡсаң булһа, һатып алаһың, йә ипотека килешеүе төҙөйһөң. Юғары эш хаҡы менән килеп сыҡмаҫ, хәҙерге эшем мине ҡәнәғәтләндерә һәм мин уны алыштырырға уйламайым. Был хаҡта һиңә һөйләнем, шикелле. – Йә, икеләнмә, әйт, мин һиңә ярҙам итергә әҙер. – Әйтәйемме, – тип ҡатын уға ныҡлы ҡараны, – әгәр шуны эшләһәң, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. – Йә, әйт, нимә хаҡында һүҙ бара? Ҡатын урынына кире ултырҙы. Эйәге менән ҡулдарына таянды, күҙҙәрен йомдо: – Мин бер ярышта еңергә теләйем. – Уның һин эшләгән тармаҡҡа мөнәсәбәте бармы? – Эйе. Һин уны ҡайҙан беләһең? – Ҡайҙалыр бер мәғлүмәт күренеп ҡалғайны. – Вәзирәнән, бәлки, заказ алғанһыңдыр? – Әйҙә, былай һөйләшәйек. Вәзирә менән мин ҙур хатаға юл ҡуйҙым. Мин унан ҡотолдом. Хәҙер мин ул ҡатынды оноторға теләйем. Һин уның хаҡында башҡа иҫкә алма. Килештекме? – Әгәр башҡа үҙең был хаҡта иҫкә төшөрөргә мәжбүр итмәһәң. – Юҡ. Уның миңә хәҙер бер мөнәсәбәте лә юҡ. – Ышанғы килә, тик әйтеп ҡуям, һин унан еңел генә ҡотола алмаясаҡһың. – Уныһы – минең эш. Әлегә минең мандат бар һәм минең өсөн борсолмаһаң да була. Тимәк, һиңә ярҙам кәрәк. – Белмәйем инде, ярҙам итә алырһыңмы икән? – Һиңә бик кәрәкме? – Әгәр мохтажлыҡ булмаһа, мин һиңә мөрәжәғәт итеп тормаҫ инем. Үтәй алырһыңмы икән? Рәйес ике лә уйлап торманы: – Бар мөмкинлектәрҙе файҙаланырға һәм эшләргә тура киләсәк. Ярыш шарттары менән таныштыр әле. Ҡатын ентекләп һөйләй башланы: – Бөтә төбәк ҡатнаша, йөҙләп бәйгесе. Өс көн барған ярыштан һуң, унлабы финалға сыға. – Сама менән, кемдәрҙе фаразларға мөмкин? – Финалға эләккән бәхетлеләрме? Эйе, уларға квота ҡаралған. Мәҫәлән, төньяҡ райондарға – бер урын, сит төбәктәргә – берәү, ҡаланыҡыларға – икәү, ауыл райондарына – бер-ике урын. Шунан һуң, төрлө дәртләндереү саралары бар. – Жюри менән танышлығың бармы? – Юҡ, тип әйтерлек. Унда мине кем яҡынайтһын инде. – Һиңә унда ҡатнашыу бик кәрәкме? – Юҡ, миңә ҡатнашыу етмәй, миңә эшемә лайыҡлы урын кәрәк. – Асыҡтан-асыҡ теләгеңде күрһәтеүеңде баһалайым. – Миңә ваҡ-төйәк кәрәкмәй, мин иң төп бүләкте яуларға теләйем. Зөһрә һуңғы һүҙәрен әйткәндә, тауышынан тимер сыңлауы, хатта һандалға сүкеш менән һуҡҡан һымаҡ яңғырап алды. Рәйес эстән генә һиҫкәнде. Зөһрә үҙенең мөмкинлектәрен шулай юғары баһалаймы икән? Был нәфсеме, әллә үҙенең һәләте шулаймы? – Еңел булмаясаҡ, – тине Рәйес. – Мин шулайҙыр, тип уйлағайным да, – тип ҡатын тағы ҡуҙғала башланы. – Мәсьәләне ҡарар өсөн өйрәнеү ваҡыты бирәһеңме? – Юҡ. Әгәр ҡарарбыҙ, уйларбыҙ, хәл итербеҙ, өйрәнербеҙ, самаларбыҙ, вәғәҙә итербеҙ һымаҡ депутат ауыҙынан сыҡҡан һүҙ булһа, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ, тип иҫәплә. Тимәк, ҡулыңдан килмәйәсәк. Һуңғы һүҙҙәр ирҙе сәмләндерҙе. Нимә тине, ҡулыңдан килмәйәсәк тинеме? Ҡарарбыҙ, кемдең һүҙе өҫкә сығыр икән. – Ярай, мин һинең үтенесеңде ҡабул иттем. Тормошҡа ашырырға тотонорға рөхсәт ит. – Рәйес, һин ниндәй үтенес һөйләйһең? Минең тарафтан һиңә бер ниндәй үтенес тә тапшырылманы. Һин үҙең ҡат-ҡат, мин һинең өсөн нимә эшләй алам, ниндәй үтенесең бар, тип һораның. Мин теләгемде әйттем, һин ҡабул иттең. Шулай түгелме ни? – Шулай, – тине Рәйес, ҡатындың күҙҙәренә тура ҡарап, ныҡ итеп әйтте. – Мин һиңә ышанам, – тине тегеһе. Дауамы: Бишенсе бүлек _______________________________ Иҫкәрмә: Һеҙ әле танышҡан әҙәби әҫәрҙә барған ваҡиғаларға оҡшаш күренештәр республика тормошонда тиҫтә, ике тиҫтә йылдар самаһы элек күҙәтелде һәм бөгөн барған ваҡиғаларға ҡәтғи рәүештә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Исемдәрҙең, ваҡиғаларҙың, образдарҙың һәм персонаждарҙың оҡшашлығы осраҡлы һәм хәҙерге бәйгеләргә һәм ваҡиғаларға бер мөнәсәбәте лә юҡ. Был әҙәби әҫәрҙәге һығымталарҙың хәҙерге ваҡиғаларға мөнәсәбәте күҙәтелмәй. Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Кеше – тәбиғәттең иң серле бер күҙәнәге. Тәбиғәт-ул беҙҙе уратып алған мөхит ,кеше эшмәкәрлегенән тыш барлыҡҡа килгән донъя. Аҡ мунсаҡ төшөп ҡалды, Ай күрҙе, ҡояш алды. /ысыҡ/ Күктән килде, ергә китте. /ямғыр/ Ялт-йолт ялтырай, Ерҙең өҫтө ҡалтырай. /йәшен/ Тау арҡылы уҡ аттым, Атҡан уғым юғалттым. /йондоҙ атылыу/ Таҫмаларым йыуам да, Киптерәмен дуғамда. /йәйғор/ Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе нигеҙендә 2020 йыл “Башҡорт теле йылы” тип иғлан ителде. Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен үҫтереү, өйрәнеү, әлбиттә, мөһим. Беҙ, Көмәрле ағинәйҙәре, ошо ҡарарҙы хуплап, уны тормошҡа ашырыу, дәүләт теле булараҡ даирәһен арттырыу маҡсатында диктант яҙҙыҡ. Был сараға бөтә ағинәйҙәр ҙә берҙәм йыйылды. Яҙма эш өсөн Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” әҫәренән өҙөк алынды. Тексты педагогик хеҙмәт ветераны Зәйтүнә Ямансарова уҡыны. Һуңынан, һәр беребеҙҙең яҙма эше тикшерелеп, баһалар ҡуйылды. Сараны артабан да дауам иттерәсәкбеҙ. Гөлнара Мырҙагилдина, Көмәрле мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан Рәсәйҙә “Демография” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, бигерәк тә, гүзәл заттарға һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн илебеҙ етәкселеге ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра. Бәләкәй бала тәрбиәләгән, шул уҡ ваҡытта йәһәтерәк эшкә сығырға теләгән әсәйҙәр – төп иғтибар үҙәгендә. 2020 йылдан ғаиләһенең киләсәге тип янған ундай ҡатын-ҡыҙҙарға яңынан белем алыу һәм декрет ялында саҡта квалификацияһын күтәреү мөмкинлеге тыуҙырыласаҡ. Ә 2021 йылдың аҙағына иһә балалар баҡсаларында өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн 255 мең урын булдырыласаҡ. Фото: chelsosn.ru сайтынан. Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/khuzhabik-l-r-e-m-nf-ten-kh-st-rl-p-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова "Бәйләнештә" селтәрендә быйылғы башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты үткәреү датаһын белдерҙе. "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2021" акцияһы 24 апрелдә үтәсәк. Диктантта ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ һылтанмаһы буйынса теркәлергә кәрәк. Акцияла ҡатнашыусылар йылдағыса диктантты башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап яҙа ала. 24 апрелдә Өфө ваҡыты менән иртәнге сәғәт 11-ҙә дөйөм белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмаларында диктант яҙыу ойошторола. Башҡортостан юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, YouTube видеохостингында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә тура трансляция була: 11.00 – 11.25 – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн диктант; 11.30 – 12.00 – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант; 12.05 – 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән ҡатнашыусылар өсөн диктант. Дикторҙар: Илшат Абдуллин, «Бүреләр» төркөмө солисы — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн. Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн. Альберт Исмаил, «Хаят-Исмаил» төркөмө ағзаһы, «Без башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәте буйынса әҙерләнде. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
1890 (бер мең һигеҙ йөҙ туҡһанынсы) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шаршамбы көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1890 йылы, 2 мең йыллыҡтың 890 йылы, XIX быуаттың 90 йылы, XIX быуаттың 9 ун йыллығының 10 йылы, 1890 йылдарҙың 1 йылы. Йөкмәткеһе 1 Ваҡиғалар 2 Тыуғандар 3 Вафат булғандар 4 Шулай уҡ ҡарағыҙ ВаҡиғаларҮҙгәртергә ТыуғандарҮҙгәртергә 1 апрель — Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы (Ғүмәрский Ғиләж), драматург, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 25 октябрь — Таһиров Авзал Мөхөтдин улы, башҡорт яҙыусыһы, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК) Рәйесе (1931—1937). Сәйәси репрессия ҡорбаны. 10 декабрь — Әхмәтзәки Вәлиди Туған, күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә. “Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль мониторинг төркөмөнөң йомғаҡлау ултырышында был тармаҡ буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып барылғанын билдәләне. “Быйыл ғына 20 балалар баҡсаһы һәм 20 мәктәп төҙөлә, – тине етәксе. – Мәғариф биналары төҙөү йәһәтенән бығаса ундай күләмдә эш алып барылғаны юҡ ине”. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров йәкшәмбе көн баш ҡалала һәм Өфө райондарында белем биреү объекттары төҙөлөшөн ҡараны. “Дим-6” биҫтәһендәге балалар баҡсаһы бинаһында эш ҙур тотҡарлыҡ менән бара. Объект быйыл сафҡа индерелергә тейеш, ә төҙөүселәр икенсе ҡатты һалыуға, эстән электр менән тәьмин итеүгә яңы тотонған, тәҙрәләр, витраждар ҡуйыла. Андрей Назаров эште тиҙләтергә ҡушты, балалар баҡсаһы бинаһын ваҡытында сафҡа индереү буйынса төҙөлөш өлкәһе етәкселәренең шәхси яуаплылығын билдәләне. Өфө районының Зубов ауылында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү тамамлана. Ул да ике ҡатлы, ҡаҙанлығы, трансформатор подстанцияһы бар. Әле объектта биҙәү эштәре бара, елләтеү системаһы ҡорола. Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән 160 сабыйҙы ҡабул итәсәк балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөп килә – эш ваҡытынан алда бара. Мәғариф учреждениеһы иң алдынғы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Автор: [email protected] https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Va-itinda-tapshiriu-m-im-2524/?sphrase_id=734785 Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Яҡташыбыҙ Малаяҙ һылыуы Зөһрә Мөхәрәмованың һылыулығы донъяны яулай. Башҡорт дәүләт университетының 4 курс студенткаһы быйыл Ҡытайҙа һәм Дубайҙа үткән халыҡара кимәлдәге ике конкурста ҡатнашты. Дубайҙа апрель башында тамамланған конкурс Зөһрәгә “Ғәләмдең идеаль матурлыҡ мисы” Гран-приһын һәм еңеүсе данын килтерҙе. Яҡташыбыҙ Малаяҙ һылыуы Зөһрә Мөхәрәмованың һылыулығы донъяны яулай. Башҡорт дәүләт университетының 4 курс студенткаһы быйыл Ҡытайҙа һәм Дубайҙа үткән халыҡара кимәлдәге ике конкурста ҡатнашты. Дубайҙа апрель башында тамамланған конкурс Зөһрәгә “Ғәләмдең идеаль матурлыҡ мисы” Гран-приһын һәм еңеүсе данын килтерҙе. Яҡташыбыҙ Кипрҙа модель агентлыҡтарының береһендә эшләй. Конкурста ҡатнашыуға заявканы ла унан биргән. Төрлө илдәрҙән ҡатнашҡан ике меңдән ашыу һылыуҡай араһынан Ғәрәп Эмираттарына кастингҡа һайлап алына ул. Финалға иһә уларҙың ун икеһе генә үтә. Тәбиғәт биргән матурлығы, модель ҡиәфәте, ижади ҡарашы ярҙамында Зөһрә ғәрәп илендә абруйлы титул алыуға өлгәшә. Был еңеүе уға халыҡ-ара мода журналы тышына фото төшөү мөмкинлеген бирә. Ул шулай уҡ Мәскәүҙә үткән “Мода аҙналығы”на саҡырыу алған. Р. Әлимбаева. Салауат районы. Фото З. Мөхәрәмованың шәхси архивынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Владимир Путин – МагнитогорскиҙаБөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Магнитогорск ҡалаһына килде. Етәксенең урындағы металлургтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотлауы, металлургия комбинатының тау-байыҡтырыу фабрикаһында өр-яңы “5-се аглофабрика” производствоһын асыуҙа ҡатнашыуы планлаштырылған. Әйткәндәй, Магнитогорскиҙа бөгөн Ҡала көнө лә үтә. Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, Силәбе өлкәһенә ҡараған Магнитогорскиға 1929 йылда нигеҙ һалына. Совет власы осоронда ул ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнә. Бында ҡорал ҡоялар, танк эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп снарядты тап Магнитогорск комбинаты етештерә. "Башҡортостан" гәзите. #ВладимирПутин Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Ләйсән Барлыбаеванан "Ҡыҙыл бәрхәт" торты рецебы Ҡамыр өсөн: он - 340г, шәкәр - 300г, какао - 1аш ҡалағы, тоҙ - 1/4 сәй ҡалағы, сода - 1сәй ҡалағы, разрыхлитель - 2 сәй ҡалағы, йомортҡа - 3шт, рафинир. көнбағыш майы - 300мл, кефир 3,2% - 300мл, ҡыҙыл аҙыҡ буяуы - 2 сәй ҡалағы. Ҡамырҙы эшләүе бик еңел. Миксерҙы иң аҙаҡ ебәрергә була, бөтә ингридиенттарҙы сеүәтәгә һалғас.Рецепты беҙҙең сайтта уҡығыҙ: Ҡамыр өсөн: он - 340г, шәкәр - 300г, какао - 1аш ҡалағы, тоҙ - 1/4 сәй ҡалағы, сода - 1сәй ҡалағы, разрыхлитель - 2 сәй ҡалағы, йомортҡа - 3шт, рафинир. көнбағыш майы - 300мл, кефир 3,2% - 300мл, ҡыҙыл аҙыҡ буяуы - 2 сәй ҡалағы. Ҡамырҙы эшләүе бик еңел. Миксерҙы иң аҙаҡ ебәрергә була, бөтә ингридиенттарҙы сеүәтәгә һалғас. 1. Һауытҡа шәкәр, он, какао, сода, тоҙ, ҡабартҡыс һалып бөтәһен бергә бутарға. 2. Артабан йомортҡа, көнбағыш майын өҫтәргә. 3. Иң аҙаҡ кефир менән ҡыҙыл аҙыҡ буяуын ҡушып миксер менән туғырға. Ҡамыр шыйығыраҡ килеп сығасаҡ ҡыҙғылт төҫтә, үтә ҡурҡмағыҙ, шулай булырға тейеш. 4. Әҙер ҡамырҙы 15-20 минутҡа ултыртып торорға. 5. Форманың ситен майларға һәм төбөнә пергамент ҡағыҙын түшәргә. 6. Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлеп бешерергә 170 градуста 40-50 минут. Бисквиттың әҙер булыуын шпажка таяҡсаһы менән тикшереп ҡарарға мөмкин. 7. Бисквит әҙерәк һыуына биргәс, шыптырға урап 2 сәғәткә һыуытҡысҡа һалып торорға. 8. Бисквиттарҙы һыуытҡыстан сығарғас, ипләп кенә бысаҡ менән өҫкө өлөшөн ҡырҡып алырға (сөнки бисквиттың урта өлөшө өҫкә ҡалҡып бешеүе ихтимал). 9. Бисквиттарҙы крем менән һылап йыйырға кәрәк. ????Крем өсөн: эремсекле сыр - 340г, аҡ май - 115 г, шәкәр пудраһы - 100г, ванилин - 10 г. Бөтә ингридиенттарҙы һауытҡа һалып миксер менән туғырға 5-7 минут. Крем әҙер????!!! ????Бына инде, ниһәйәт, торт әҙер, тәмләп-татлап ашаһағыҙ ҙа була ♥Бешергән тәмлекәстәрегеҙ???? тәмле булһын!!! Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Бүре (йондоҙлоҡ) (лат. Lupus) — йондоҙлоҡ, иң яҡты йондоҙо — γ Lup, яҡтылығы 2,80 була. Майҙаны буйынса урыны — 46. Йөкмәткеһе 1 Күҙәтеү 2 Тарих 3 Иҫкәрмәләр 4 Һылтанмалар КүҙәтеүҮҙгәртергә ТарихҮҙгәртергә ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ҺылтанмаларҮҙгәртергә Йондоҙлоҡтар исемлеге. Был йондоҙҙар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Тулғаҡ ғазаптары кисереп яҡты донъяға тыуҙырған, үҫтергәнсе төн йоҡоларынан ҡалған әсәй ҙә, һинең өсөн күп ваҡыт өнһөҙ-тынһыҙ ғына борсолған атай ҙа берәү генә була... Яңыраҡ кейәүгә сыҡҡан бер әхирәтем менән туйҙарынан һуң һөйләшеп ултырғанда: “Иреңдең туғандарына үҙең теләгәнсә-белгәнсә өндәшәһеңме? Әллә улар әйткәнсә-талап иткәнсәме?” – тип ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы. “Ҡайны, ҡәйнә тип әйтәм. Ниңә?” – тим аптырап. Баҡһаң, килендәренә тормош иптәшенең яҡындары никах уҡытып кейәү йортона алып ҡайтыу менән үк, ҡәйнәңә – әсәй, ҡайныңа – атай тип әйт, тип ныҡыша башлағандар икән. “Үҙемдең ата-әсәйем иҫән-һау килеш, күрәләтә нисек башҡа кешеләргә шулай тип өндәшәйем?” – тип ҡыҫымға ала башлағастар ҡаршы төштөм. Тулғаҡ ғазаптары кисереп яҡты донъяға тыуҙырған, үҫтергәнсе төн йоҡоларынан ҡалған әсәй ҙә, һинең өсөн күп ваҡыт өнһөҙ-тынһыҙ ғына борсолған атай ҙа берәү генә була бит...” Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тигәндәй. Ҡәйнә әсәй була аламы? Әллә ҡәйнә менән килен араһын яҡынайтыр өсөн эшләнеләме йә иһә мин-минлеккә барыуҙың бер алымы был? Ошо хаҡта “Тормош һабаҡтары” дәреслеге авторы, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева ла үҙ фекерен еткерҙе. Башҡорт телендә туғанлыҡ атамалары иҫ китмәле күп һәм төрлө. Халыҡта исем менән генә өндәшеү булмаған, һәр аҡ туғанлыҡ атамаһы менән ҡуша әйтелгән. Салауат абзый (бер туған), Юлай ағай (бер туған түгел), Таңбикә һылыу (йәки һеңлем, туғаным), Алмагөл апай, Солтан ҡустым (мыртый, мырҙа, энекәш) һәм башҡалар. Ошолайтып әйтеү менән туғанлыҡ бәйләнеше билдәле була, хатта һорап тороу ҙа кәрәкмәй. Ә инде тәғәйен һорауға килгәндә, күҙ алдына килтерәйек. Мин командировкала икәнмен һәм бығаса таныш булмаған ғаилә сәйгә алып ҡайтты ти. - Әсәй, сәй әҙер, - тип саҡыра ҡыҙ кеше. - Шулай еткән ҡыҙыңбармы ни? -Юҡ, киленем. - Ә ни эшләп "Әсәй" тей? -Әллә инде, бик ныҡышҡас, әйт тинем дә ҡуйҙым. Үҙемдең дә хатта ғына "бейем" тип әйттергем килә ине. - Үҙ әсәһе бармы? -Бар. Хатта һәйбәт ҡоҙағыйыбыҙ бар. -Уға кем тип өндәшә? - Әсәй, ти. Шул саҡ бүлмәгә йәш матур ир килеп инә. -Һаумыһыҙыҙ" Әсәй, ни эшләп ҡунаҡ алып ҡайтам, тип әйтмәнең? Киленең аш һалыр ине. ... Ир кеше лә, ҡатын кеше лә "Әсәй" тип өндәшкәс,ағалы-һеңлеле кеүек килеп сыға түгелме? Ярай, мин өлкән кеше һораштым... Ә балалар үҫкәс: "Өләсәйебеҙ кемдең әсәһе ул?" - тип аптырамаҫмы? Башҡорттар балаларына бәләкәй саҡтан уҡ туғанлыҡ атамаларын өйрәткәндәр. Килен ҡайны йортона төшкән саҡта уҡ. еңгәләре, ауыҙына май ҡаптырып: "Йомшаҡ телле бул, ҡайным, тип өндәш", тип, бал ҡаптырып: " Татлы телле бул, бейем (ҡәйнәм) тип өндәш" - тип ҡаршылағандар.. Егерме йылдан ашыу мәктәптәрҙә уҡытылған "Тормош һабаҡтары"ның 5-се класс өсөн дәреслегендә "Туғанлыҡ атамалары" тигән айырым тема бар ине. Халҡыбыҙҙың ғәжәп матур йолаһына хилаф килтәрмәһәк ине. Кешенең әсәһе лә, атаһы ла берәү генә була. Атайыңдай, әсәйеңдәй яҡын күрәһең икән, бик һәйбәт, әммә һәр нәмәнең үҙ атамаһы бар. Ысынлап та, беҙҙең милләттә борон-борондан туғанлыҡ атамалары йәшәп килгән. Әммә әлеге лә баяғы кемдеңдер башбаштаҡланып бутап маташыуы арҡаһында йәштәр күптәрен белмәйҙәр. Әйҙәгеҙ, башҡорт теле һүҙлектәренә ингән ир һәм ҡатын туғандарының атамаларын иҫкә төшөрөп китәйек. Ҡайны – ирҙең атаһы (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың атаһы (иренә ҡарата). Ҡәйнә – ирҙең әсәһе (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың әсәһе (иренә ҡарата). Ҡайнаға – ирҙең ағаһы (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың оло ағаһы (иренә ҡарата). Ҡәйенбикә – ирҙең атаһы (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың апаһы (иренә ҡарата). Ҡәйенйеңгә – ҡатындың еңгәһе (иренә ҡарата). Ҡәйенһеңле – ирҙең һеңлеһе (ҡатынына ҡарата). Ҡәйнеш – ирҙең ҡустыһы(ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың ҡустыһы (иренә ҡарата). Балдыҙ – ҡатындың һеңлеһе. Бикәс – ирҙең һеңлеһе. Бажа – апалы-һеңлеле ҡатындарҙың ирҙәре (бер-береһенә ҡарата). Килен – улдың йәки эненең ҡатыны. Кейәү – ҡыҙ йәки һеңле тейеш ҡатын-ҡыҙҙың ире. Күреүебеҙсә, иҫтә ҡалдырыуы әллә ни ауыр ҙа түгел кеүек. Шулай үҙебеҙсә, башҡортса дөрөҫ итеп өндәшһәк туғандар араһында аңлашмаусанлыҡтар ҙа тыумаҫ. Ә теге әхирәтем иһә барыһы алдында ауыҙ тултырып: “Ҡайным, ҡәйнәм!” – тип әйтә торғас, башта ҡырын ҡарап йөрөгәндәр-йөрөгәндәр ҙә, күнгәндәр, ти. Уҫаллығы, сәмселлеге лә бар инде үҙендә. Хәйер, шулай булмаһа көтөүҙән аҙашып ҡалып сит ҡурала икенсе кәзәне имеп йөрөгән бәрәс хәлендә булыр ине әтеү.
Миома – йомшаҡ мускулатуралы ағзала барлыҡҡа килгән шеш. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ул күбеһенсә бала ятҡылығында була. Миома – йомшаҡ мускулатуралы ағзала барлыҡҡа килгән шеш. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ул күбеһенсә бала ятҡылығында була. Сәбәбе – гормональ фондың үҙгәреүе. Ғәҙәттә, 30–35 йәшлек гүзәл заттарҙа йыш осрай. Миома кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырмай, шулай ҙа ваҡытында дауаланыу зыян итмәҫ. Был шештең энә күҙәүендәй генәһе лә, йоҙроҡ ҙурлығында булыуы ла ихтимал. Бик тиҙ ҙурайһа, хәүефләнергә урын бар, яман шешкә әүерелеүе бар. Был осраҡта миоманы хирургик юл менән дауалау талап ителә. Алоэ һәм бал ярҙамында Миоманы дауалауҙа халыҡ медицинаһын да уңышлы ҡулланалар. Мәҫәлән, алоэ һәм бал менән дауалап була. Бының өсөн 375 г алоэны ит турағыс аша үткәреп, 625 г бал һәм 675 г кагор ҡушып ҡараңғы урында биш көн төнәтергә. Ошо төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә. Кәрәсин менән Кәрәсингә манылған тампонды йоҡлар алдынан биш минутҡа ғына ҡуйып алырға кәрәк. Дауалау курсы – 12 көн. Эрозия булған ваҡытта был ысул менән дауаланыу тыйыла. Дегәнәк япрағы ла ярҙам итә Миоманы дауалау өсөн дегәнәк япрағын киптереп, онға әйләнгәнсе ваҡларға кәрәк. Һуңынан 5 г порошокка 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 12 сәғәт төнәтергә. Көнөнә дүрт тапҡыр 100-әр грамдан эсергә. Дауалау курсы – 30 көн, 15 көн ял итеп алғандан һуң, миома тулыһынса юҡҡа сыҡҡансы эсергә мөмкин. Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА. Фото: Яндекс http://www.ye02.ru/online/19236-nim-ul-mioma-ul-nilektn-barlya-kil.html Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
«Берҙәм Рәсәй» — 52% ,КПРФ — 21%,ЛДПР — 10%,«Ғәҙел Рәсәй» — 8%,«Рәсәй патриоттары» — 5%,«Йәшелдәр» партияһы — 2,5%. ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Участкаларҙан сыҡҡанда 33 мең һайлаусынан һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса түбәндәге һөҙөмтәләр билдәле булды: Һорауға яуап биреүселәрҙең 52% «Берҙәм Рәсәй» өсөн тауыш биргән, КПРФ — 21%, ЛДПР — 10%, «Ғәҙел Рәсәй» — 8%, «Рәсәй патриоттары» — 5%, «Йәшелдәр» партияһы — 2,5%. Һайлаусыларҙың бер ярым проценты бюллетенде боҙоуҙары хаҡында әйтте, участкаларҙан сыҡҡандарҙың өстән бере һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартты. Һорау алыуҙа хата 3-5% тәшкил итте.
Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөү өсөн “Демография” милли проекты сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк -25 °С Болотло АнтитеррорВкТelegramОк Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 9 Сентябрь 2019, 04:58 Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөү өсөн “Демография” милли проекты сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә демография мәсьәләһе киҫкен мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Шуның төп сәбәптәренең береһе – балалар баҡсаларында урын етмәүе. “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән сығымдар күп балалы ғаиләләргә ярҙам, яңы балалар баҡсаларын төҙөү, ташламалы ипотека һәм башҡа мөһим сараларҙы үҙ эсенә ала. Ике йыл эсендә Өфө ҡалаһында ғына ике тиҫтәнән ашыу балалар баҡсалары төҙөләсәк, иҫкеләренә реконструкция үткәреләсәк. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Саҡмағош, Өфө райондарында һәм Бәләбәй, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында заманса балалар баҡсалары сафҡа индереүгә әҙерләнә. Пландар һәм маҡсаттар ҙур, ләкин улар үтәлерлек. 2020 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөү өсөн “Демография” милли проекты сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Ошо объекттар сафҡа ингәндән һуң балалар баҡсаларына сират аҙмы-күпме тотороҡланыр һәм кәмер тип көтөлә. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Көҙгө саҡырылышта республиканан 4 меңдән ашыу егет хеҙмәткә алына. Улар фәнни роталарға, шул иҫәптән "Эра" технополисына ебәреләсәк. Хәрби комиссариат әйтеүенсә, саҡырыуға бәйле барлыҡ саралар Ҡораллы Көстәргә коронавирус инфекцияһының үтеп инеүенә юл ҡуймаған санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторола. Йыйылыу пунктына килгәндәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшыра. Биналарҙа көн һайын дезинфекция үткәрелә. Егеттәргә шәхси гигиена предметтары һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратыла. Респиратор сир билдәләре булған һалдаттар шунда уҡ башҡаларҙан айырым урынлаштырыла, коронавирус инфекцияһына тест тапшыра һәм уларға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә. - Республиканың хәрби комиссариаттарында, юлда һәм хәрби частарҙа инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн иҫкәртеү һәм тикшереү саралары үткәрелә. Пункттарға килгән егеттәрҙең температураһын үлсәйҙәр, — ти республиканың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полковник Рәмил Хәйретдинов. Саҡырылыш ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә. Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова фото Военный комиссариат РБ https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/rmeg-kit-egett-r-482353/ йәшлек гәзите сайтынан алынды Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мин ҡабаттан тыуыр булһам, Шишмә булып тыуыр инем. Сылтыр-сылтыр наҙлап ҡына Аяғыңды йыуыр инем. (х2) Күҙҙәреңә генә түгел, Эҙҙәреңә табынамын. Ҡырҡ тапҡыр көндә янып, Ҡырк тапҡыр ҡабынамын. (х2) Ал мине күк, ай янында Йондоҙ булып янайымсы. Осҡан саҡта ҡапыл һүнеп, Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы. (х2) Таһир Күсимов Райман Ишбаев Мауҙҙы ла күле, ай, Яҡтыкүл Таһир Күсимов тыуған ер бит ул. Туғыҙ йәшлек булған, етем ҡалған, Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул. Мауыҙҙы ла күле, ай, тәрән күл, Таһир Күсимов йөҙгән күл бит ул. Сит ерҙәрҙә йөрөп хеҙмәт иткән, Таһир Күсимов хәрби ир бит ул. Күпме һуғыш үткән яу далаһы Атлы башҡорттар үткән ер бит ул. Днепрҙың уң яҡ ярын алған Таһир Күсимов полководец ир бит ул. Атлы башҡорттарын оҙатып ҡалған Күгәреп кена ятҡан киң Урал. Ватан һуғышында ҙур дан алған Таһир Күсимов герой-генерал. Бөрйәндең егеттәре Райман Ишбаев Ауылымда аҡ томан Райман Ишбаев Ауылымда аҡ томан, Томандары таралыр. Тыуып үҫкән яҡҡа ҡайтһам, Күңелдә йыр яралыр. (х2) Туғайҙарҙа аҡ томан, Томандары таралыр. Тыуып үҫкән яҡҡа ҡайтһам, Мөхәббәтем яңырыр. (х2) Тын кистәрҙә аҡ томан, Томандары таралыр. Моңло хис һәм һары һағыш Мәңгегә аҡып баралыр. (х2) Ауылымда аҡ томан, Томандары таралыр. Йәшлектәге ҡайнар хистәр Йөрәктәрҙә ҡалалыр. (х2)
Һуңғы ваҡыттағы күҙәтеүҙәремә ҡарағанда, илебеҙ мәғарифы, белем һәм тәрбиә биреү системаһы хаҡында ваҡытлы матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә кем генә яҙмай ҙа ниндәй генә фекер белдермәй. Ваҡытында Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарған күренекле педагог, фән докторы, бөгөн БФА президенты, академик Әлфис Ғаязов уйынлы-ысынлы былай тип әйтергә ярата: “Мәғарифты тик ялҡау ғына тәнҡитләмәй...” Бер яҡтан ҡарағанда, йәмәғәт­селектең, айырым кешеләрҙең мә­ғарифҡа ҡарата әйтер фекере бар икән, был насар күренеш түгел, сөн­ки уны ҡайғыртҡан кеше йәш быуынды хәстәрләй, илебеҙ килә­сәген уйлай, тигән һүҙ. Шул уҡ ва­ҡытта, үҙ-үҙеңдән “һүтек һәм йөй” эҙләү, минеңсә, бигүк маҡтанырлыҡ ғәмәл түгел. Шәхсән үҙемә килгәндә, һуңғы ярты быуат дауамында мәғариф тарихын эстән күрергә, ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашырға тура килде тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Ысынлап та, 70 – 80-се йылдарҙағы ең һыҙғанып эшләүҙәр, 90-ынсылар башындағы ҡыйралыштар, “нулен­се” йылдарҙағы үҫешкә ынтылыш әлегеләй күҙ алдымда. Республика гимназияларының береһен ҡабул итеп алғанда, йөҙәрләгән баланы туҡландырыу өсөн бурысҡа аҙыҡ-түлек ташыу, магазин хужаһы ебәргән әзмәүерҙәй ҡораллы ир­ҙәрҙең яғанан ҡымтып алыуы оно­торлоҡмо һуң?! Шөкөр, былар ба­рыһы ла тарихта ҡалды. Яңы быуат башындағы рухи күтәрелешкә, урта белем биреү мәктәптәренең матди базалары нығына барыуына ла шаһит булдыҡ. Әйтеүе генә анһат, республикабыҙ етәксеһенең даими хәстәре менән заманса йыһаз­ландырылған мең мәктәп һалынды! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһының яңы бина­һының нигеҙ ташын һалыуҙа Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимов та ҡатнашҡайны. Йола буйынса көмөш аҡсалар теҙгәндә, ул: “Ниңә ҡулдарың ҡалтырай?” – тип шаяртты. “Бындай ваҡиға ғү­мергә бер була!” – тип яуапланым, тулҡынланып. Баяғы мең мәктәптең байтағында булырға, яҡты һәм иркен класс бүлмәләренә һөйөнөргә, дәрестәр бирергә насип итте. Илебеҙ мәғарифында барған бөгөнгө ынтылыштар ҙа ҡыуан­дыра. Беҙ бығаса был тармаҡты тик әрләү һәм тәнҡитләү менән шө­ғөлләндек. Йәнәһе, илдән көслө ға­лим­дарыбыҙ, аҡыллы йәштә­ребеҙ китә, образлы итеп әйткәндә, “аҡыл ситкә аға”. Ошо көндәрҙә “Рос­обрнадзор” етәксеһе, физика-математика фәндәре докторы Сергей Кравцовтың “АиФ” (51-се һан, 2018 йыл, 19 декабрь) гәзитенә бир­гән интервьюһы менән таныштым. Ҡеүәтле тикшереү ойошмаһы етәксеһе бына нимә ти: “Рәсәй – ҙур дәүләт. Шулай ҙа хәҙер мөмкин тиклем эштәр башҡарыла. Бөгөн илебеҙ башланғыс кластарҙа белем биреү сифаты буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты, тәбиғи фәндәрҙән белем биреү сифаты йәһәтенән, ТIMSS тикшере­неү­ҙәренән күренеүенсә, донъяла тәүге тиҫтә иҫәбендәбеҙ. Беҙҙә тексты уҡыу, математика һәм тәби­ғи фәндәр йәһәтенән дә динамика һәйбәт”. Тимәк, һуңғы тиҫтә йылда мәғарифыбыҙ СССР заманында бөтә фәндәр буйынса ла яуланған тотороҡло беренсе урындарҙы кире ҡайтара башланы тигән һүҙ. Башланғыс класс уҡыусы­ла­рының донъя кимәлендәге уңыш­тарының нигеҙе, һис шикһеҙ, Рәсәй Конституцияһының 43-сө статья­һының 5-се пунктына ярашлы, Рә­сәй Мәғариф һәм фән министр­лығының 2009 йылдың 6 октябрен­дә ҡабул иткән “Федераль дәүләт бе­лем биреү стандарттары”на ҡай­тып ҡала. Ябайлаштырып әйткәндә, федераль белем биреү стандарттары башланғыс дөйөм белем биреү процесында уҡ баланың рухи һәм аҡыл үҫешенә киң мөм­кинлектәр аса. Һуңғы осорҙа донъя кимәлендәге тикшеренеүҙәрҙә эксперттар Рәсәйҙең башланғыс класс уҡыусыларының белем кимәлен юғары баһалай икән, тимәк, инде туғыҙынсы йыл эшләп килгән федераль стандарттар юҡҡа ҡабул ителмәгән. Төп һәм дөйөм урта белем биреү кимәлендә лә ошондай һөҙөмтәләргә өмөт бағлана. Йәнә бер абруйлы фекергә туҡталайыҡ. Шул уҡ “АиФ”та (45-се һан, 2018 йыл, 7 ноябрь) Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университеты ректоры, Юғары аттестация комис­сияһы рәйесе Владимир Филиппов менән әңгәмә лә иғтибарҙы йәлеп итә. Танылған ғалим һәм етәксе юғары һөнәри белем биреү мәсьә­ләләре хаҡында фекер йөрөтә. Беҙгә уғата яҡын булғаны ошо: “Һанлы иҡтисадта мәғлүмәти техно­логияларҙан бер ҡайҙа ла китеп булмай. Мәҫәлән, Рәсәй тарихы, философия кеүек лекция­ларҙа онлайн-лекциялар отошло, тарихи шәхестәр, ваҡиғалар хаҡын­да видеоматериалдар бирергә, фильм­дар күрһәтергә була, традицион лекцияларҙа уларҙы биреү мөмкин түгел. Техник саралар ҡуллана баш­лағанда бер лаҡап килеп сыҡ­ҡайны. Профессор: “Туҙып бөткән лекцияларҙы уҡыуҙан ялҡтым, шуға магнитофон алып килдем. Һеҙ тыңлай тороғоҙ”, – тип сығып китә. Сәғәт ярымдан аудиторияға килһә, бер студент та юҡ, ә магнитофон тирәләй диктофондар ғына ята, ти. “Рәсәйҙә мәғариф тураһында” федераль законда белем биреү – ул маҡсатлы тәрбиә һәм уҡытыу процесы, тиелгән. Эйе, беренсе урында тәрбиә. “Медикты, педагогты уҡытыусы һәм студенттың шәхси аралашыуынан башҡа тәрбиәләп булмай”. Ни тиклем хаҡ һүҙҙәр! Һуңғы осорҙа беҙ уҡытыу, белем биреү менән артыҡ мауығабыҙ, ә тәрбиә процесы, уҡыусы шәхесен формалаштырыу икенсе планға күсә бара. Юғары уҡыу йорттарында был мәсьәләгә бөтөнләй иғтибар бирелмәй. 100 балл йыйып уҡырға ингән студенттар Сергей Кравцовҡа былай тип зарланған: “Мәктәптә беҙҙән ете ҡат тирене тунанылар, юғары уҡыу йортонда иғтибар иткән кеше лә юҡ”. Бөгөн донъяла 23 мең юғары уҡыу йорто иҫәпләнә. Рәсәйҙә 2013 йылда барлыҡ филиалдары менән 1564 юғары уҡыу йорто булған, бөгөн улар – 891. Ошоғаса дәүләт ҡарамағында булмаған 1041 уҡыу йорто иҫәпләнһә, хәҙер 217-гә ҡалған. Был осраҡта динамика сифатҡа йөҙ борғаны һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Тик мәсьәлә шунда: халыҡ-ара рейтингка әлеге 23 мең юғары уҡыу йортоноң 600-ө генә (4%) ингән. Рәсәйҙән Мәскәү дәүләт университеты ғына ошо иҫәптә. 2020 йылға Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы топ-100 халыҡ-ара рейтингына биш юғары уҡыу йортон индерергә иҫәп тота. Ошо көндәрҙә шул билдәле булды: Индонезия университеты эксперттары алып барған халыҡ-ара рейтингта (UI Green Metric World University Ranking) беҙҙең Башҡорт дәүләт университеты 563-сө урынды яулаған, һәм ул – республи­кабыҙҙан был исемлеккә ингән берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Әлеге рейтинг 2010 йылдан алып 70 ил араһында үткәрелә. Рейтинг тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экология өлкәһендәге эшмәкәрлек буйынса билдәләнә. Ни генә тимә, донъя халыҡтары араһында танылыу был. Шулай ҙа илебеҙ мәғарифы тураһында уйланғанда, миндә ошондай уй-фекер нығына: бөгөн ваҡыт осоп тигәндәй алға бара, тимәк, ул яңынан-яңы һорауҙар, проблемалар ҡуясаҡ һәм шуға бәйле урынлы һорау тыуа: мәғарифта реформалар бер ҡасан да бөтмәҫме ни?! Минеңсә, реформалар тиҙ генә бөтмәйәсәк әле. Ә ҡасан мәктәп, уҡытыусы лозунгыларҙан ҡотолоп, тотороҡло эшләй башлар һуң? Туҡ­тауһыҙ уйланып, шундай фекергә килдем: Рәсәй мәғарифының һуңғы реформаһы “мотивация рефор­ма­һы” тип аталасаҡ. Һәр хәлдә, донъя баҙары шарттарында көнәркәш­леккә һәләтле дәүләт, республика, граждан формалаштырырға теләй­беҙ икән, илдә мотивация рефор­маһы кәрәк буласаҡ! Дәүләттең мәғариф системаһы, шундай ҙур сығымдар түгеп, ни өсөн йәш быуынды уҡыта? Уҡыусы, студент ни өсөн уҡый? Нимә тип көн дә белем усағына йөрөй? Белеп торам: һеҙ ҙә, мин дә бөгөн бер төрлө яуап бирәсәкбеҙ – математиканан һәм рус теленән, шулай уҡ үҙе һайлаған фәндәрҙән БДИ тапшырыу өсөн! Уҡытыусының да, ата-әсәнең дә, сығарылыш уҡыусыһының да, иң мөһиме – дәүләттең дә төп маҡса­ты шул! Шуның арҡаһында баланы тәрбиәләү, кеше итеп формалаштырыу, илһөйәрлек, туған телдәрҙе өйрәнеү икенсе планға күсте. Ә юғары уҡыу йорто студенты нимәгә ынтыла? Дөрөҫ: зачет йәки имтихан өсөн. Студенттар менән эшләгән кеше булараҡ шуны өҫтәйем: “автомат зачет”, “автомат имтихан” – студент өсөн иң ҙур бәхет! Быға “йүкәнән һуғылған” дипломдарҙы ла өҫтәһәң, иҫ-аҡылың китер. Һығымта: алға киткән бар илдәрҙә уҡыусы, студент белем алыр, үҙ һөнәрен юғары кимәлдә белер, киләсәктә яҡшы белгес булыр, юғары хеҙмәт хаҡы алыр өсөн тырышып уҡый. Шуға күрә уларҙа бер-береңдән күсереү, плагиат, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ юҡ. Тимәк, Рәсәй мәғарифында мотивация рефор­маһы һуңғы ярты быуаттағы иң мөһим реформа буласаҡ, тип фаразларға ҡала. Иманым камил: ул ғына илебеҙҙе сәскә атыуға килтерәсәк. Автор: Фәнзил САНЪЯРОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР-ҙың башҡорт теле һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Хәүефһеҙлек үҙен ҡотҡарған кешене әйберҙәр килтерәйыйын, ҡыйыҡ цепляться өсөн күп кәрәкмәй, ҡалаларға йөҙҙәрсә мең һыйынды: рәсми мәғлүмәттәр буйынса, күп йылдар дауамында ныҡ Кер Һин штатында һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Хөкүмәт дәүләт эсәр һыу килтерергә тырышып, уларға дарыу һәм аш-һыу, һауа, Кер шт ауыл хужалығы министры белдереүенсә, ҡартлыҡ деменцияһы Кумар европейская vs. ориентальная, йәкшәмбе. Ямғыр тураһында һүҙ бара стихать аҙағында яй килә, хә... Көнлөк ҡыҙы менән плюс рулетка, веб-плюс ч көнлөк ҡыҙы менән Һәр хәлдә дусар булған кешенең көнөнә стрессовый: ғүмер тиҙ темпта, көслө эмоциональ стресс, эштәге проблемалар, недоразумения, конфликт һәм башҡа күп нәмәләрЯбай һәм стресс менән көрәшергә өйрәнергә кәрәк был ваҡытта ҡабул итеү түгел, күңеле менән ни булыр. Күп дарыу бар, уларҙың билдәләре төшөрөлгән ярҙам ҡыҙып китте, шомланып һәм стресс, әммә беҙ бөгөн хаҡында һөйләү, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ тип, югереп килде лә, нисек бездеятельность. Ял ваҡыты. Йыш ҡына ҡуҙ, н... Видеочивать немец-рулетка Бөгөн булған - (Германия) Заманса видео-ч - сит илдәрҙә контакттар уры булдырыу өсөн идеальҺеҙ, әлбиттә, үҙе сумканы һәм европа буйлап автостоп упаковывать озата сәйәхәт итә алаһығыҙ, тик һеҙҙе тора был ваҡыт һәм аҡса бар. Chat-берләшмәләренә бушлай һәм тиҙ арала кешеләрҙе ойоштороуы менән Roulette һәләтле, шулай уҡ дөрөҫ тоташтырырға ч сайтта, һәм һеҙ кеүек. Настроить ч-рулет бик ябай: эскә ҡыуа, илдең һайлау һәм төймәһен баҫһаң әгәр. Был, бәлки, сәйер күренәлер, әммә немец ... Чатта Теркәлергә Онлайн Һин Булғас Бында керегеҙ йәки теркәлегеҙ йәки Пакистан, Һиндостан менән пакистан ч һин ч йәки ч-ч телугу теле урду биреп һәм беҙ һеҙҙең менән тамила шулай ч ч шулай бүлмәнән-бүлмәгә ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн, һеҙ супер чат була теркәлгән таҙа ч лайыҡлы тәьмин итә Был сайтҡа индерелгән ник ябай ғына, беҙҙең егет һәм ҡыҙҙар менән бушлай онлайн ҡушылдығы ч. дели бушлай онлайн без бында теркәү өсөн талап ч ч ч ч мумбаи, шулай булғас, наслаждайся Ғәрәп ч. Беҙгә ҡушылып ч бушлай ... Тәжрибәле данияла булған. Өлкәндәр өсөн осрашыу. Без теркәлгән. Әлеге фотография Өлкән дания менән таныштырҙы Был халыҡ-ара хеҙмәте булып тора, шуға күрә уны төрлө илдәрҙә кеше менән аралашыу мөмкинлеге биреүҺеҙ был сайта таба, шулай уҡ үҙ һөйөүен генә түгел, ә тик кешеләр менән, һеҙ улар аңламай. Чатта аралашыу менән дустар, фотоһүрәттәр һәм алмаштары булғандың барыһын да эшләү, аралашыу өсөн һәйбәт булды. Половинка реаль кешеләр үҙ тормошондағы күп табыу мөмкин түгел, сөнки мөмкин түгел ир-егеттәр менән тәүге осрашыуға китә. Интернет-хеҙмәттәр"в... белемле ир-егет Дания O'limga Rahul gandi nomidagi yoqib qondirish uchun xohlagan ayol - Hindiston Yangiliklar видео без бушлай танышыу сайттарына теркәлдем чатта теркәлергә рулетка менән телефон без интернета 18 йыл ч рулетка башҡа ҡыҙҙар менән танышып видео теркәү башҡа бушлай ч рулетка башҡа сикләүҙәр теркәү бушлай булғас видеочивать мобиль танышты бушлай теркәү видео чат ҡыҙ менән таныша. видео танышып аралашыу
Күпселек осраҡта телмәрҙәге өнгә тура килә, әммә был мотлаҡ түгел (мәҫәлән: рус, башҡорт телдәрендәге ь, ъ, британ инглиз телендәге r). Хәреф бер нисә төрлө яҙылырға мөмкин, улар хәрефтең әйтелешенә һәм мәғәнәһенә йоғонто яһамай. Алфавитта хәрефтәр һаны ғәҙәттә 50-нән артмай, әммә иҫкәрмәләр бар (мәҫәлән, кхмер теле). Ҡайһы бер математик символдар, ғәмәлдәр һәм функциялар төрлө телдәрҙең хәрефтәре ярҙамында яһалған, мәҫәлән: синус (латин хәрефтәренән), дельта (боронғо грек алфавитынан), әлеф (йәһүд алфавитынан). Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә Иероглиф Ижекле яҙыу Әлифба ӘҙәбиәтҮҙгәртергә Буква // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907. Кондратов А. М. Книга о букве / Художник В. Рудаков. — М.: Советская Россия, 1975. — 224 с. — 50 000 экз. (обл.)
Янғын сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү!Бәхетһеҙлеккә күрә, үткән төндә район үҙәгендә сыҡҡан янғында ла кеше һәләк булған.Янғын тураһында хәбәр 2020 йылдың 15 апрель төнөндә ҡабул ителгән. Янғын һүндереүселәр килгәндә, тораҡ йорттоң таҡтанан эшләнгән верандаһы һәм аш бүлмәһен янғын солғап алған була. Утты һүндергән ваҡытта йортта һәләк Янғын сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү! Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Мәләүез бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда беҙҙең районда бөтәһе һигеҙ янғын осрағы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, янғындар өсәүгә күберәк. Бәхетһеҙлеккә күрә, үткән төндә район үҙәгендә сыҡҡан янғында ла кеше һәләк булған. Янғын тураһында хәбәр 2020 йылдың 15 апрель төнөндә ҡабул ителгән. Янғын һүндереүселәр килгәндә, тораҡ йорттоң таҡтанан эшләнгән верандаһы һәм аш бүлмәһен янғын солғап алған була. Утты һүндергән ваҡытта йортта һәләк булған ир-егеттең кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәбе асыҡлана. Хөрмәтле граждандар! Тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотмау, ҡағиҙә булараҡ, янғын сәбәпсеһе була. Һүндерелмәй ташланған шырпы бөртөгө, тәмәке төпсөгө, өйҙәме ул һарайҙамы, лоджия, йә иһә балкондамы, дача йә урмандам ы – былар бөтәһе лә оло бәләгә килтерергә мөмкин. Бушҡа әйтмәйҙәр бит, бер ағастан миллион шырпы эшләргә була, ә бер шырпы менән миллион ағасты юҡ итергә мөмкин. Күп осраҡтарҙа ут сығыуҙың сәбәбе – өйҙә, йоҡлаған ерҙә тәмәке тартыу. Ә янған әйберҙәрҙән сыҡҡан ағыулы бүлендекле төтөнгә кеше ағыулана, уяна алмай. Район халҡына ут менән һаҡ булығыҙ, тип мөрәжәғәт итәбеҙ. Үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ. Асоциаль тормош алып барған граждандарҙы иғтибарығыҙҙан ҡалдырмағыҙ – улар вайымһыҙлығы арҡаһында һеҙ бәләгә тарый алаһығыҙ. Ундай граждандар һеҙҙең эргәлә йәшәһә, йыш “ҡунаҡ” булырға яратһа, власть органдарына хәбәр итегеҙ. Өйҙә тәмәке тартмағыҙ. Бәләкәс балаларығыҙҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ, шырпы, зажигалкаларҙы күренгән урынға һалмағыҙ. Мейесте яғылған, электр приборҙарын розеткаға тығылған көйө ҡалдырып китмәгеҙ. Етешһеҙлектәре булған электр сымдары, һүндергес, розеткалар менән ҡулланмағыҙ, ремонтлағыҙ, мейестәрҙе лә ваҡытында тикшереп тороғоҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк. Ут сығыу осрағын күрһәгеҙ, 01, кеҫә телефонынан 112 номерҙарына шылтыратығыҙ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактикалау эштәре бүлеге Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ул РФ Президентының 1994 йылдың 20 авгусындағы "Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында" указы нигеҙендә булдырылды. 22 АВГУСТА РӘСӘЙҘӘ РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ Был көндө 1991 йылда РСФСР Юғары Советы "РСФСР-ҙың Милли флагын рәсми таныу һәм файҙаланыу тураһында" тигән ҡарар ҡабул итә, ул махсус закон менән Рәсәй Федерацияһының яңы дәүләт символикаһы билдәләнгәнгә тиклем Рәсәйҙең аҡ, зәңгәрһыу, алһыу һыҙатлы тарихи флагын - Рәсәй Федерацияһының рәсми Милли флагы итеп һанала. Өс һыҙатлы Рәсәй флагы 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Ул XVII-XVIII быуаттар сигендә, Рәсәйҙең ҡеүәтле дәүләт булараҡ формалашыу дәүерендә барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр ике башлы бөркөт төшөрөлгән аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг "Бөркөт" беренсе рус хәрби кораблендә Петрҙың атаһы Алексей Михайлович батшалыҡ иткәндә күтәрелә. Тикшеренеүселәрҙә был төҫтәрҙең нисек берләштерелеүе тураһында берҙәм фекер юҡ. Петр I. триколорҙың законлы "атаһы" тип таныла. 1705 йылдың 20 ғинуарында ул сыҫарҫан указға ярашлы, "төрлө сауҙа судноларында" аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг күтәрергә тейеш булалар, өлгөһөн үҙе һыҙып, горизонталь һыҙаттар тәртибен билдәләй. Тәүге Рәсәй хәрби караптары менән бергә тыуған Рәсәй флагы XIX быуатҡа тиклем флот мәҙәниәтенә ҡарай. Рәсәй аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флагын ҡоро ерҙә ҡуллана башлау диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙең географик асыштары менән бәйле. XIX быуатҡа тиклем урыҫ диңгеҙселәре ярҙа иҫтәлекле тәре ҡаҙаған. Әммә 1806 йылда яңы йола барлыҡҡа килә. Рус экспедицияһы Көньяҡ Сахалин буйҙарын тикшергәндә яр буйында ике флаг күтәрә. Андреев флагы - хәрби флоттың ҡаҙанышын, дәүләт аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флагы Рәсәйҙең яңы биләмәһен билдәләй. Аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг Рәсәйҙең дәүләт флагы булараҡ 1896 йылда ғына раҫлана. Флагтағы һәр төҫтөң рәсми мәғәнәһе барлыҡҡа килә. Күк төҫ - көс-ҡеүәт, күк - Рәсәйҙе яҡлаусы Аллаһ әсәһе (Богоматерь), аҡ - азатлыҡ һәм бойодороҡһоҙлоҡ. Советтар Союзы мәлендә Рәсәйҙә 70 йылдан ашыу ҡыҙыл байраҡ дәүләт флагы булып торҙо. РСФСР Юғары Советының Ғәҙәттән тыш сессияһы 1991 йылдың 22 авгусында триколорҙы Рәсәйҙең рәсми символы тип иҫәпләргә ҡарар итә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1993 йылдың 11 декабрендәге Указы менән Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы тураһында Положение раҫлана. Әлеге ваҡытта Рәсәй флагы төҫтәренең түбәндәге аңлатмаһы йышыраҡ ҡулланыла: аҡ төҫ - тыныслыҡты, сафлыҡты, эскерһеҙлекте, камиллыҡты; күк - ышаныс һәм тоғролоҡ, даимилыҡ төҫөн; ҡыҙыл төҫ энергияны, көстө, Ватан өсөн түгелгән ҡанды кәүҙәләндерә. 2022 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең һәр мәктәбендә уҡыу аҙнаһы башында дәүләт гимны башҡарыласаҡ һәм флаг күтәреләсәк. Мәғариф министры Сергей Кравцов һүҙҙәренсә, был йола үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ярҙам итәсәк. Дәүләт флагы көнөндә бөтә илдә байрам саралары уҙа: флешмобтар, концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар һәм башҡа саралар ойошторола. (Материал РИА Новости мәғлүмәте һәм асыҡ сығанаҡтар нигеҙендә әҙерләнде). Автор:Равиля Бардыбаева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
...Ана килә уның мөхәббәте. Туҡта, туҡта, ҡара әле, теге “крузак” водителе төштө түгелме һуң? Бына ишеген асты, Диләне туҡтатты, водителе оятһыҙ икән, ҡулын бирҙе, етмәһә, ҡосаҡларға итә. Дилә молодец, ҡулы менән этеп, туҡтатты ла, Азат яғына төртөп күрһәтте. Теге водитель бер Диләгә, бер Азаттың “Королла”һына ҡарай. Азат сығып, күренергә ҡарар итте... Дилә эшкә килгәс, уның менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлгә һәм кисәге сәй эсеүгә бик етди тотоноуҙарына төшөндө. Һәр мөйөштә, ишек төбө һайын, заводтың һаҡлау предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре уяу тора. Берәүгә лә ташлама юҡ. Бүлмәгә керәһең һәм рөхсәттән башҡа, бер ҡайҙа ла сыҡмайһың. Һәм һәр бүлмәлә ентекле тентеү башланды. Берәү ҙә һөйләшмәй, һорауҙар ҙа, яуап биреүселәр ҙә юҡ. Иван Петрович барыһын да бүлмәһенә йыйып алды. – Әгәр законға ҡаршы хилафлыҡ ҡылмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн борсолорлоҡ бер нәмә лә юҡ. – Ә беҙҙең Конституцион хоҡуғыбыҙ боҙолмаймы? – тине Мансур. Уның борсолоуы йөҙөнә сыҡҡайны. – Мин, мәҫәлән, заначкамды ошонда тотам. Иван Петрович завод юрисына мөрәжәғәт итте: – Аңлатығыҙ иптәшкә, – тине. – Һеҙҙең аҡсағыҙ берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай. Завод тулыһынса шәхси предприятие, шулай булғас, законлы рәүештә, Конституцияға таянып, беҙ предприятиеның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, шәхси һаҡ предприятиеһына бирелгән вәкәләттәр сигендә, бәләкәй генә эксперимент үткәрәбеҙ. Әгәр ғәйебегеҙ юҡ икән, борсолмағыҙ! Васиков һағайҙы, эргәлә ултырғандарға нимәлер тип өндәште. Эш сәғәте бөтөргә бер сәғәт самаһы ҡалғас, Диләгә Азат шылтыратты. Үҙ-ара хәл-әхүәл белешкәндән һуң, Азат баҙнатһыҙ ғына итеп: – Әле мин һеҙҙең завод эргәһендә, бер сәғәттән эшең бөтә, шикелле, мин һине алып ҡайта алам, – тине. – Оһо! Ҡайһылай шәп! – тип ҡыуанды ҡыҙ. – Юғиһә, маршруткала йөрөп, миктәтте. 5-тән һуң заводтың парковкаһы эргәһендә осрашырға һөйләштеләр. Азат һөйләшкән урынға килеп ултырырға иткәйне, тормозға саҡ баҫып өлгөрҙө, алдына ғына кисәге “крузак” килеп туҡтаны. “Был тағы нимә аңдып йөрөй?” – тип һөйләнде ул, “крузак”тың водителен күререгә тырышып. Алдан да, эргәнән дә тонировкалы, етмәһә, һандары ла текә генә, өс ете бит әле! Бына хәҙер һинең “Королла”ң ошо “һарай” (текә машиналарға халыҡ таҡҡан ҡушамат) менән ярышасаҡ инде. Ана килә уның мөхәббәте. Туҡта, туҡта, ҡара әле, теге “крузак” водителе төштө түгелме һуң? Бына ишеген асты, Диләне туҡтатты, водителе оятһыҙ икән, ҡулын бирҙе, етмәһә, ҡосаҡларға итә. Дилә молодец, ҡулы менән этеп, туҡтатты ла, Азат яғына төртөп күрһәтте. Теге водитель бер Диләгә, бер Азаттың “Королла”һына ҡарай. Азат сығып, күренергә ҡарар итте. Машинанан сыҡты, ишеген асып, Диләне көтә. Ул килеп етеүгә, ҡайҙан ҡыйыулығы етте: – Һаумы, матурым, хәйерле кис, мин һине һағынып та өлгөрҙөм, – тип сикәһенән үбеп алды. Үҙенең сикәһен ҡуйҙы, күҙ ҡырыйы менән “крузак” яғына күҙ ташланы, водитель әле һаман асҡан ауыҙын да, машинаһының ишеген дә яба алмай тора ине әле. “Королла” ҡала яғына ҡуҙғалды. – Бәхет бер килһә, килә бит, – тип һөйләнде Дилә. – Кисә лә, бөгөн дә – еңел машинала ҡайтып барам. – Ә был ниндәй “крузак” ул? – тип аптыранған булды Азат. – Кисә эш буйынса завод идаралығына саҡырғайнылар, сыҡҡанда ошо водитель килеп, әйҙә, ҡалаға бараһығыҙмы? – тип ултыртып алды. Оҡшатты, күрәһең, бөгөн дә көтөп тора. Юҡ инде, мин әйтәм, ана минең кейәүем көтөп тора, – тим. – Кейәүең? Һин мине кейәүем, тип әйттеңме? – Эйе, башҡа сарам ҡалманы, ебәрмәй ҙә, ҡуймай ҙа бит. Әллә кейәүем, тигәнгә үпкәләнеңме? – Юҡ, киреһенсә, кейәү булыуы миңә оҡшар һымаҡ. – Азат ҡыйыуланып китте. – Әллә бөгөн хәл итеп ҡуяйыҡмы? Дилә өндәшмәне, нимә әйтергә лә белмәне. Ул, әлбиттә, көтә, өмөтләнә, хатта пландар ҡора, ләкин арлы-бирле һүҙҙәр ишеткеһе түгел, ниндәйҙер ҙурыраҡ, юғарыраҡ хис-тойғолар кисергеһе килә. Күреп тора, Азат ышаныслы, таянырлыҡ егеткә оҡшаған. Тик ғаилә ҡороу өсөн ул ғына етәме? – Беҙ һинең менән уралтабыҙ ҙа, суралтабыҙ, – тине Дилә, һөйләшеүҙе көлкөгә борорға тырышып. – Анау офоҡ һымаҡ. – ҡыҙ тәҙрә аша Ағиҙел аръяғында һуҙылған зәңгәр офоҡҡа төртөп күрһәтте. – Беҙ яҡынайған һайын, ул йырағыраҡ күсә һәм тылсымлыраҡ була бара. Танышыуыбыҙға алты йыл, бергә уҡыныҡ, хәҙер аралашабыҙ, ошо ваҡыт эсендә мин берәүгә лә боролоп та ҡараманым. Миңә бер генә егет оҡшаны. Мин уны ғына көттөм. Үҙемсә уйлай торғайным: минең был йылдарым әрәмгә үтмәне. Мин уны көтөп, дөрөҫ эшләнем, мин уға кәрәклегемә төшөндөм. Кем, тип һорайһыңмы? – Ул кеше мин булырға теләр инем, – тине Азат, тауышы хатта ҡалтыранып китте. – Һин, әлбиттә, башҡа кем булһын? Тик әле булһа аңламайым, әллә һин мине көтәһең, әллә һынайһың? – Мин һиңә шул һүҙҙәрҙе әйтергә теләгәйнем, – тине Азат. – Үҙеңде лә, мине лә алдама, – тине Дилә. Ышандырырға ла тырышма. Беҙ һинең менән йәш-елкенсәк түгел хәҙер. Мөнәсәбәттәр ҙә бөтөнләй икенсе төрлө ҡорола. Беләһеңме, Азат, университетта уҡыған саҡта уҡ мин һине, “миңә өйләнһә, ярар ине”, тип теләй торғайным. Бына шулай. Ҡалғанын үҙең аңла. Мин әйтер һүҙемде әйтеп бөттөм. Азат артҡы ултырғыстан ҙур сәскә гөләмәһе сығарып, ҡыҙға тотторҙо. Шунда уҡ ҡыҙҙың кәйефе күтәрелде, Азат өндәшмәй генә ике ҡуллап уң ҡулын тотто, никах балдағын кейҙерҙе һәм: “Миңә кейәүгә сыҡ, Дилә”, – тине. – Һин ризамы? – тип һораны тулҡынланып. – Әлбиттә, риза! – Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? – тине Азат. – Ғәҙәттә, ҡыҙ менән егет ошо һүҙҙәрҙән һуң оҙаҡ итеп үбешә... Дауамы: Ун беренсе өлөш. ---------- Алдағы өлөштәр: беренсе; икенсе; өсөнсө; дүртенсе; бишенсе; алтынсы; етенсе; һигеҙенсе; туғыҙынсы. "Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
2 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә тыуҙырылған шарттар тураһында һөйләне. Бындай ярҙам институттары Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү агентлығында тупланған, тине комитет етәксеһе, эшҡыуарҙарға төрлө хеҙмәттәр һәм булышлыҡ «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ» милли проекты сиктәрендә күрһәтелә. Римма Бойцова белдереүенсә, быйыл федераль үҙәктән бүленгән аҡсаға Халыҡ художество кәсептәре, һөнәрселек эшмәкәрлеге, ауыл һәм экологик туризм үҙәге асылған, был йүнәлеш республикалағы традицион һөнәрҙәр нигеҙендә йүнселлекте үҫтереүгә, мауығыуҙар һәм кәсептәрҙе килем сығанағына әүерелдереүгә, шулай уҡ туризм өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға хеҙмәт итәсәк. СӘЙӘХӘТСЕЛӘРГӘ ТАУ-ТАШ АРАҺЫНДА ЛА БИШ ЙОНДОҘЛО ОТЕЛЬ ШАРТТАРЫ БУЛДЫРЫЛЫР 2 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә тыуҙырылған шарттар тураһында һөйләне. Бындай ярҙам институттары Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү агентлығында тупланған, тине комитет етәксеһе, эшҡыуарҙарға төрлө хеҙмәттәр һәм булышлыҡ «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ» милли проекты сиктәрендә күрһәтелә. Римма Бойцова белдереүенсә, быйыл федераль үҙәктән бүленгән аҡсаға Халыҡ художество кәсептәре, һөнәрселек эшмәкәрлеге, ауыл һәм экологик туризм үҙәге асылған, был йүнәлеш республикалағы традицион һөнәрҙәр нигеҙендә йүнселлекте үҫтереүгә, мауығыуҙар һәм кәсептәрҙе килем сығанағына әүерелдереүгә, шулай уҡ туризм өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға хеҙмәт итәсәк. Йәнә «Киләсәк фабрикаһы» инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда (Өфө, Тыныслыҡ урамы,14) Башҡортостан һөнәрселек коворкингы ойошторолған. Муниципаль субсидия ярҙамында тәүләп Салауат районында туристик коворкингҡа аҡса бүленгән. Акселерция буйынса милли проект нигеҙендә глэмпингтар акселерация программаһы эшләй башлаған. Глэмпинг ¬– ул тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн капиталь ҡоролмаларһыҙ ғына биш йондоҙло отелдәргә тиң шарттар тыуҙырыу. Мәҫәлән, бик йәмле төпкөлдәрҙә ҡарар күҙгә ябай ғына тойолған палаткалар ҡоролоп, эстәрендә уңайлы карауат һәм мебель, кондиционер, бәҙрәф менән душ булырға мөмкин. Донъяла был йүнәлеш киң үҫеш алған. Башҡортостанда ла туристар ҡарарлыҡ, бына тигән ял ойошторорлоҡ, әммә уңайлыҡтар булмаған күркәм урындар бик күп. Республикаға туристар ағымын арттырырға уйлаһаҡ, глэмпингты ла үҫтереү зарур. «Киләсәк фабрикаһы» бик һөҙөмтәле эшләй. Римма Бойцова әйтеүенсә, шундайҙы тағы Сибайҙа асыу планлаштырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров комитеттың эшҡыуарлыҡҡа инфраструктура тыуҙырыу эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм «Киләсәк фабрикаһы»н шуның бер сағыу өлгөһө тип атаны. Төбәк етәксеһе 2021 йылдың майында Өфөлә тағы бер күләмле проект – IQ-парк юғары технологиялар технопаркы асыласағы тураһында белдерҙе. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
300 г ыҫланған тауыҡ ите, 4 йомортҡа һәм бешкән бәрәңге, 1 ҡап йомшаҡ сыр, һуған (ваҡ итеп турарға һәм 10-20 минутҡа аш һеркәһе һәм ҡайнар һыу ҡатнашмаһына һалырға), йәшел һуған да ярай, майонез. 1-се ҡат: ваҡлап туралған тауыҡ ите (ыҫланған итте ҡыҙҙырылған йәки бешкәне менән дә алмаштырырға мөмкин), майонез 2-се ҡат: һуған 3-сө ҡат: эре ҡырғыстан үткәрелгән картуф, майонез 4-се ҡат: ваҡланған йомортҡа һарыһы 5-се ҡат: ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән йомшаҡ сыр 6-сы ҡат: ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағы. Салатты табынға бирер алдынан бер нисә сәғәткә ҡалдырып торорға. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Был кеүәҫте әҙерләүе бик еңел генә. Ул тотош организмға яҡшы тәьҫир итә, таҙарта. Остеохондроз, быуындар һыҙлауы менән яфаланған кешеләргә айырыуса файҙалы.Кәрәк була: Был кеүәҫте әҙерләүе бик еңел генә. Ул тотош организмға яҡшы тәьҫир итә, таҙарта. Остеохондроз, быуындар һыҙлауы менән яфаланған кешеләргә айырыуса файҙалы. Кәрәк була: -4 аш ҡалағы дөгө; -3 аш ҡалағы шәкәр; -1 аш ҡалағы йөҙөм. 4 ҡалаҡ дөгөнө (диңгеҙ дөгөһө яҡшыраҡ) ныҡлап йыуырға һәм уға 1 литр һыу ҡойорға. 3 аш ҡалағы шәкәр һәм ярты ҡалаҡ йөҙөм өҫтәйбеҙ. Кеүәҫ 4 көн буйы әсергә тейеш. Әсегәс, шыйыҡ өлөшөн һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Һөҙөндөһөн артабанғы кеүәҫкә файҙаланырға мөмкин. Тик һәр осраҡта уға 2 аш ҡалағы дөгө, 2 аш ҡалағы шәкәр һәм ярты ҡалаҡ йөҙөм өҫтәргә кәрәк була. Бындай кеүәҫте кәмендә 5 аҙна эсергә кәңәш ителә. Яртышар стакан кеүәҫте көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң эсергә кәрәк. (Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк). ФОТО: stiralkovich.ru Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Сибай ҡалаһынан Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле Ҡазанда үткән конкурста I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") сиктәрендә үткән һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында үткән "Мин булдырам! Сикһеҙ ижад" Бөтә Рәсәй конкурсында Сибай ҡалаһынан Балалар сәнғәт ижады мәктәбенең Марина Сидорова етәкселегендәге ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле "Инструменталь сәнғәт" номинацияһында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Сара Ҡазан ҡалаһында уҙҙы. Йәш артистар Никита Малыгин, Альберт Ҡотлогилдин, Мортаза Ҡотлогилдин, Динислам Алламоратов һәм Мортаза Батталовтар баһалама ағзаларын үҙҙәренең артислыҡтары һәм "Солянка" татар бейеү көйөн иҫ киткес башҡарыуҙары менән хайран ҡалдырған. - Ошондай конкурстар миңә һәм минең һәләтле, тырыш һәм мөләйем артистарыма ҡанаттар өҫтәй, илһамландыра, -ти Марина Сидорова. - Беҙ балалар менән үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙы юғары кимәлдә күрһәтә алдыҡ. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанға сәйәхәтебеҙ күңелдәрҙә иҫ киткес йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Мин уҡыусыларымдың ата-әсәләренә ҙур рәхмәт белдерәм, улар беҙҙең һәр ижади башланғысты хуплап, бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Фото һәм сығанаҡ: "Сибайский рабочий" гәзитенән. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе Автор:Карима Усманова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Директоры, йышыраҡ кил, тип һайрай башланы, тип ғәжәпләнде Саттар. Тағы берәй нимә ҡыйланырға итәме икән, тип аңламай тора. Урамға сыҡҡас та, Саттар пансионаттың һары, шөҡәтһеҙ бинаһына ҡарап торҙо. Әллә, ысынлап та, атаһын бында килтереп, бындағыларға ышанып, хаталандымы икән? Ә атай бит үҙе тыуған яҡтарына – Күркәлегә ынтылды. Шунда ҡайтып, һуңғы төйәген табырға теләгәйне. Бәлки теге ваҡыт әсәһе менән икеһен нигеҙҙәренән ҡуҙғатмаҫҡа ла булғандыр. Аҡсаһын түләһәң, ауылда ла ҡарт-ҡороно тәрбиәләрлек кешеләр бар бит. Ана, күпме кеше эшһеҙ йөрөй? Әсәһе менән атаһын бында килтереүҙән берәү ҙә отманы. Мандыманылар. Әсәйемде ҡарайым, дауалайым, тип бизнесын юғалтты, ҡатыны менән мөнәсәбәттәре боҙолдо, ғаиләһен юҡ итте. Һөҙөмтәлә, әсәй ҙә, эш тә юҡ. Бына, сыҡты ла, тора. Ҡайҙа барып ҡунырға? Ярай, машинаһы үҙенең исемендә ине, һаҡлап алып ҡалды. Хәҙер ҡайҙа барырға? “Тойота”һы менән аҡрын ғына оло юлға сығып барғанда, ҡапыл Саттарҙың хәтеренә төштө: ниңә баш ватырға? Уның бит Күркәлеһе бар. Заманында атаһы менән әсәһенә өйҙө үҙе ныҡтан төҙөтөп биргәйне. Газы, һыуы, ваннаһы бар, ниңә шунда ҡайтып йәшәмәҫкә? Иҫке балта боҙ сабырға ярай, тигән һымаҡ, бәлки берәй эше лә табылыр. Ҡайтһын, ҡараһын, шунан һуң атаһын алып ҡайтыр. Ниңә былай, миллионлы ҡала буйлап меҫкенләнеп, ҡунырға урын эҙләп йөрөргә? 250 саҡырымды хәҙер ике-өс сәғәттә үтә ул! Бензин тултыртты, кәрәк булһа, тип күстәнәс алды. Күркәленең үренә күтәрелгәндә күҙ бәйләнә лә башламағайны әле. Машинаһы менән геүләтеп, тыуған йорт эргәһенә килеп туҡтаны. Күршелә Зөбәйҙә инәйгә асҡыс ҡалдырған икән атаһы, инәйгә күстәнәс тотторған һымаҡ иткәйне, әллә ҡайһы арала табын әҙерләп өлгөрҙө. Ауылдаштары ярата Саттарҙы. Хәл белергә, күрешергә килеп еттеләр. “Әйҙә, эшкә ҡайт. Элекке һымаҡ ер һөрөп, иген үҫтереп, яңынан йәшәй башлайыҡ”, – тип ҡоторталар. Әлегә өндәшмәй Саттар, вәғәҙә бирмәй. Һүҙ биргәнһең икән, үтәргә кәрәк. Шым ғына ҡараштыра, мөмкинлектәрен барлай, кеҫәһенә һуҡҡылай. Берәй грант эләктергәндә, бәлки инвестор ҙа килеп сығыр. Күпме ер һөрөлмәй-сәселмәй ята, бында эш сығарып булыр ине. Һуңғараҡ Хәлиулла бабай килеп ултырҙы.– Минең Ғәфиәт ҡорҙаш ни хәлдә? Алып ҡайтмайһың, күрһәтмәйһең, – тип үпкәләп алды. -1- -2- -3- ТАМУҠТЫҢ ТУПҺАҺЫНДА Хикәйә Өсөнсө бүлек Директоры, йышыраҡ кил, тип һайрай башланы, тип ғәжәпләнде Саттар. Тағы берәй нимә ҡыйланырға итәме икән, тип аңламай тора. Урамға сыҡҡас та, Саттар пансионаттың һары, шөҡәтһеҙ бинаһына ҡарап торҙо. Әллә, ысынлап та, атаһын бында килтереп, бындағыларға ышанып, хаталандымы икән? Ә атай бит үҙе тыуған яҡтарына – Күркәлегә ынтылды. Шунда ҡайтып, һуңғы төйәген табырға теләгәйне. Бәлки теге ваҡыт әсәһе менән икеһен нигеҙҙәренән ҡуҙғатмаҫҡа ла булғандыр. Аҡсаһын түләһәң, ауылда ла ҡарт-ҡороно тәрбиәләрлек кешеләр бар бит. Ана, күпме кеше эшһеҙ йөрөй? Әсәһе менән атаһын бында килтереүҙән берәү ҙә отманы. Мандыманылар. Әсәйемде ҡарайым, дауалайым, тип бизнесын юғалтты, ҡатыны менән мөнәсәбәттәре боҙолдо, ғаиләһен юҡ итте. Һөҙөмтәлә, әсәй ҙә, эш тә юҡ. Бына, сыҡты ла, тора. Ҡайҙа барып ҡунырға? Ярай, машинаһы үҙенең исемендә ине, һаҡлап алып ҡалды. Хәҙер ҡайҙа барырға? “Тойота”һы менән аҡрын ғына оло юлға сығып барғанда, ҡапыл Саттарҙың хәтеренә төштө: ниңә баш ватырға? Уның бит Күркәлеһе бар. Заманында атаһы менән әсәһенә өйҙө үҙе ныҡтан төҙөтөп биргәйне. Газы, һыуы, ваннаһы бар, ниңә шунда ҡайтып йәшәмәҫкә? Иҫке балта боҙ сабырға ярай, тигән һымаҡ, бәлки берәй эше лә табылыр. Ҡайтһын, ҡараһын, шунан һуң атаһын алып ҡайтыр. Ниңә былай, миллионлы ҡала буйлап меҫкенләнеп, ҡунырға урын эҙләп йөрөргә? 250 саҡырымды хәҙер ике-өс сәғәттә үтә ул! Бензин тултыртты, кәрәк булһа, тип күстәнәс алды. Күркәленең үренә күтәрелгәндә күҙ бәйләнә лә башламағайны әле. Машинаһы менән геүләтеп, тыуған йорт эргәһенә килеп туҡтаны. Күршелә Зөбәйҙә инәйгә асҡыс ҡалдырған икән атаһы, инәйгә күстәнәс тотторған һымаҡ иткәйне, әллә ҡайһы арала табын әҙерләп өлгөрҙө. Ауылдаштары ярата Саттарҙы. Хәл белергә, күрешергә килеп еттеләр. “Әйҙә, эшкә ҡайт. Элекке һымаҡ ер һөрөп, иген үҫтереп, яңынан йәшәй башлайыҡ”, – тип ҡоторталар. Әлегә өндәшмәй Саттар, вәғәҙә бирмәй. Һүҙ биргәнһең икән, үтәргә кәрәк. Шым ғына ҡараштыра, мөмкинлектәрен барлай, кеҫәһенә һуҡҡылай. Берәй грант эләктергәндә, бәлки инвестор ҙа килеп сығыр. Күпме ер һөрөлмәй-сәселмәй ята, бында эш сығарып булыр ине. Һуңғараҡ Хәлиулла бабай килеп ултырҙы. – Минең Ғәфиәт ҡорҙаш ни хәлдә? Алып ҡайтмайһың, күрһәтмәйһең, – тип үпкәләп алды. Саттар шуға иғтибар итте, ауылдаштар хәҙер элекке түгел. Һәр береһе үҙ донъяһына бикләнгән. Элек ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ көслө була торғайны, Ана бит, атаһының дуҫы, Хәлиулла ҡарт та, ҡырыҫ, этеп-төртөп һөйләшә, хатта асыуланған һымаҡ. – Һаулыҡ нисек, Хәлиулла ағай? – тип һораша Саттар. – Насар, хәҙер беҙ ҡартайҙыҡ. Балалар, һинең һымаҡ, һирәк ҡайта, бар тип тә белмәйҙәр. Элек баҡса тултырып картуф ултырта инек, хәҙер ташланым, быйыл бер тоҡ ҡына сәстем. Улым әйтә, һатып алабыҙ, ти. Һатып алабыҙ, тимәй, һинең хеҙмәтең кәрәкмәй, ти ул миңә. Һатып алғас, алығыҙ. Һыйырҙы ла бөтөрҙөм, ауылда хәҙер көтөү ҙә юҡ. Белмәйем, нимә менән бөтөр? – Ә ауылда эшләрлек кеше бармы? – тип ҡыҙыҡһына Саттар. – Юҡ, – ти бабай. – Хәҙер кем эшләһен? Эшләгән кеше кәрәкме ни? Беҙ ни, заманында эшләнек, атайың да эшләне? Ә атайың нимәгә ҡайтманы? Ниңә алып ҡайтманың? – тип әллә һораша, әллә асыулана, белмәҫһең. – Атай сирләп тора, инсульт үткәрҙе. Былай ҡарайбыҙ. Тормоштан ҡәнәғәт, – тип мыңғырланы Саттар. – Атайым ҡәнәғәт, тиһеңме? Нисек ҡәнәғәт булһын, һин бит атайыңды ҡарттар йортона япҡанһың! Әллә һин беҙҙе иҫәр, тип беләһеңме? Ишек алдына байтаҡ кеше йыйылғайны, Хәлиулланың туҙынғанын ишетеп, тын ҡалдылар. Был ҡарт ҡала ҡунағын бешә генә! – Үҙем эш менән булам, – тип аҡланды Саттар. – Атайҙы пансионатҡа урынлаштырҙым. Унда бөтә шарттар ҙа бар. – Бөтә шарттар ҙа бар? – тип бот сапты Хәлиулла. – Һин беҙҙе, телевизор ҡарамай, гәзит уҡымай, интернетты күҙәтмәй, тип уйлайһыңмы? Өфөлә йәшәмәһәк тә, ошонда ятып, Өфөлә нимә барғанын вис беләбеҙ. Хәйер, һин белмәйһеңдер, элек тә белмәнең, үҙеңдең мәнфәғәттәреңде ҡайғыртып, партбилетыңа ышыҡланып йөрөнөң, – тип һаман ҡыҙа ҡарт. – Ҡуйсы, Хәлиулла ағай, бөтә бәләне миңә таҡма. Бына ҡарарға ҡайттым. Бер аҙ арлы-бирле итәм дә, атайҙы алып, бында ҡайтам. Бәлки берәй эшкә тотонормон. – Эй, ҡарағыҙ әле, берәү эшкә тотона, – тип үсекләшә Хәлиулла ҡарт. – Хәҙер ҡайтырға һуң инде. Элегерәк, көслөрәк сағыңда уйларға кәрәк ине. Оноттоңмо ни, атайың менән әсәйең нигеҙ эргәһендә нисә көн илап ултырҙы, Өфөгә бармайбыҙ, йорт-еребеҙҙе ташламайбыҙ, тип? Ә һин тыңламаның, алып киттең! Алып киттең дә, харап иттең. Бына миңә атайың менән бер сама. Ул нисектер, белмәйем, ә мин бында аҡрынлап булһа ла, йөрөйөм. Эшен эшләйем, кәзәһен ҡыуам. Әҙ булһа ла, картуфын ҡарайым. Ә һинең атайың менән әсәйең нимә эшләй? Сәй эсеп ултырамы? Ғүмер буйы эшләп, көс түгеп йәшәгән кеше, бер ике көнгә генә хәрәкәтһеҙ ҡалһа, ҡата башлай, ҡустым. Иҫән сағында атайыңды алып ҡайта һал, унда, ҡалала, харап итмә, ғүмерлек үкенес булыр. Үҙең дә ҡайт, бәлки берәй эш сығарырһың. Ай-һай, ергә хужалар күбәйҙе хәҙер. Ә береһе лә эшләргә теләмәй. Хужа булырға, һатып ебәрергә йөрөйҙәр. Әүәлдән билдәле, ерҙә эшләйһең икән, ерҙә аяҡтарың менән ныҡ баҫып торорға кәрәк! Ат аҫырайһың икән, һин ат һымаҡ булырға тейешһең! Һыйыр тотаһың икән, һыйыр һымаҡ әрһеҙ бул! Ҡустым, әйткәнемә үпкәләмә, мин һинән өлкәнерәк. Ошо йәшкә еткәс кенә ерҙә теләһә-кемдең эшләй аламауына төшөндөм. Саттар бик ныҡ тыңланы. Ризалашмаһа ла, өндәшмәне. Хәлиулла ағайҙы еңеп булмай. Саттар үҙе лә белә, ҡарттың әйткәндәренең күбеһе дөрөҫ. Ул әле ныҡ баҫып торған Хәлиуллаға ҡараны, бәлтерәп бөткән атаһын иҫкә төшөрҙө. Юҡ, әлегә һуң түгелдер. Хакимиәткә барыр, арлы-бирле йомоштарын йомошлар, таныштарының хәлен белер, киләһе аҙналарға Өфөгә барыр ҙа, атаһын алып, бында кире ҡайтыр. Халыҡ ауылда тәртипле, өйөнөң бер нимәһенә теймәгәндәр. Мунсаға, тип атаһы ярып ҡалдырған утынға тиклем, өйөлөп ята. Саттар электән эскегә бик әүәҫ булманы. Шулай ҙа, бер ҡайтҡас, ара-тирә тотҡоларға тура килде.Таныштары ла килеп сыҡты. Киләһе дүшәмбе кире Өфө яғына ыңғайларға ҡарар итте. Был яҡта шуныһы ғына насар, кеҫә телефоны насар тота. Өҫтәүенә, зарядкаһын онотоп ҡалдырған. Ун көн буйына телефондың нимә икәнлеген онотоп, тыныс ҡына йөрөнө лә ҡуйҙы. Берәү ҙә эҙләмәй ҙә, шылтыратмай ҙа, мәшәҡәтләмәй ҙә. Дүшәмбе таң менән ҡуҙғалғайны, сәғәт туғыҙҙарға баш ҡалаға килеп тә инде. Иң тәүҙә телефонына зарядка һатып алды, уныһы, тоташырыуға, байтаҡ йыйылған икән, туҡтауһыҙ шылтырай башланы. Ҡайһыһына яуап бирергә лә белмәй. Саттар шылтыратыуҙарҙың иң күбе пансионат директорыныҡы икәнлеген һиҙеп ҡалды һәм күңеле, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ фажиғә алдында торған һымаҡ, шомланып ҡуйҙы. Бына – СМС-ка, директорҙан. Хәбәрҙә: “Атайығыҙ вафат булыу сәбәпле, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Ерләү эштәрен ойоштороу өсөн, тиҙ арала килеп етеүегеҙҙе һорайбыҙ”, – тип яҙылғайны. Саттар, нимә эшләргә белмәй, шаңғыны ла ҡуйҙы. Көс-хәл менән нисек пансионатҡа барып етеүен дә аңғарманы. Сәмиғуллин, Саттарҙың килеп туҡтауын күреү менән, директор яғына йүгерҙе. Ҡаршыһына директор килеп сыҡты. – Нимә булды? – тине Саттар шым ғына. – Полиция, табиптар үҙен ҡараны, енәйәт осрағы түгел, бәхетһеҙлек осрағы, тип теркәнеләр. Атайығыҙ, мәрхүм, ҡайҙалыр барырға йыйынған. Сумкаһына әйберҙәрен һалып алған. Шунан, ҡапҡа бикле булғас, ҡойма аша сығырға теләгән. Шунда пинжәге таҡтаға эләгеп, мәрхүм, быуылып, үлгән. Беҙ ғәйебебеҙҙе таныйбыҙ. Ул көндө дежурҙа торғандар эштән ҡыуылды. Ерләү эштәрен беҙ пансионат иҫәбенә атҡарып ҡуйҙыҡ... – Ниндәй ерләү эштәре?! Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ?! – Эйе, беҙ уны бында һаҡлай алмайбыҙ. Моргтағы хәлдәрҙе үҙегеҙ беләһегеҙ. Көндәр ҙә эҫе тора. Ә һеҙҙе беҙ эҙләнек, иртәнән алып, кискә тиклем эҙләнек. Мин үҙем көн һайын өс-дүрт тапҡыр шылтыраттым. Һеҙ ниңә атайығыҙҙы ташлап киттегеҙ? Беҙҙең ғәйеп юҡ. Беҙ уның өсөн, һеҙҙең өсөн, һеҙ һорағанға, барыһын да эшләнек. Саттарҙың хәле бөттө, башы шауланы. Ул, директорға ҡарап: “Һыу, һыу бирегеҙ”, – тип кенә әйтә алды. Тиҙ генә һыу килтерҙеләр, йүгереп табип килеп инде. Тиҙ ярҙамға шылтырата һалдылар. Ләкин һуң ине. Саттар бер-ике генә һелкенеп, тартышып ҡуйҙы. Хатта бер тапҡыр: “Эх, атай”, – тип әйткәндәй булды. Сыҡмаған йәне бар ине әле Саттарҙың. Санитарҙар уны, һаҡ ҡына, эргәләге яҡҡа, ауыр хәлдәгеләр эргәһенә, индереп һалдылар. Директор янына бүлек мөдире килеп етә һалды: – Атаһының да әллә күпме бурысы ҡалды, бының өсөн кем түләр икән? – тип ныҡлы ҡыҙыҡһынды. – Башыңды ҡатырма! – тине директор уҫал ғына. – Нимә, тере кешене урамға сығарып һалырға итәһеңме? Ҡулыңдан килгәнсә, дауала! Фәҡир кеше түгел. Тере ҡалһа, түләр, ә инде булмаһа, ни хәл итәһең, ул тиклем генә юғалтыуҙар була инде. Бына – асҡысы. Әлегә машинаһын кертеп ҡуйығыҙ. Ауыр хәл бөтәһен дә тигеҙләй шул. Бая ғына мөһәбәт кәүҙәле булып күренгән Саттар көс-хәл менән, йыш-йыш тын алып, ҡаҡ матрац өҫтөндә тапланып бөткән юрған ябынып ята. Бер-ике укол ҡаҙанылар, тамсыға тоташтырҙылар. Ә был ваҡытта Саттар Күркәгә ҡайтҡан да, ялан аяҡлап, һыу буйында йөрөй. Ауылда ҡайһылай рәхәт һәм тыныс, ти ул. Ана, атаһы менән әсәһе килеп сыҡты, уларға Хәлиулла ҡарт эйәргән. “Хәлең нисек?” – ти атаһы... Саттар өндәшмәй, сөнки атаһына әйтер һүҙе юҡ. Атаһының ҡайҙа йөрөгәнен дә, ҡайҙа ерләнгәнен дә белмәй ул. Эргәһендә генә кемдәрҙер ыңғыраша, ярҙам һорай: “Һыу, бер стакан һыу!” – ти кемелер. Саттар өндәшмәй. Уға хәҙер бер нимә лә кәрәк түгел. Аҙағы. ------------ Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ағымдағы йылдың 6 майында Өфөлә COVID-19-ҙан һауыҡҡан донорҙан беренсе иммун плазмаһын әҙерләнеләр. Республика ҡан ҡойоу станцияһы Башҡорт дәүләт медицина универститеты менән бергә COVID-19 реконвалесцент (һауыҡҡан) донорҙарҙың мәғлүмәт базаһын тултыра башланы. Вирусҡа ҡаршы вакцина әҙерләнеү этабында булған шарттарҙа һауыҡҡан донорҙан плазма коронавирус инфекцияһын ауыр кисергәндәргә альтернатива булып тора. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө булып плазма әҙерләне. Бөгөн ул плазма әҙерләү күләме һәм уны ҡулланыу буйынса алдынғы урында килә. Билдәле булыуынса, йоғошло сир кисергән кешенең организмы инфекцияны еңергә ярҙам итеүсе күҙәнәктәр эшләп сығара. Шулай уҡ ауырыу кисергәндәрҙә иммунитет барлыҡҡа килә. Шундай кешенән алынған плазма йоғошло сир вирусына ҡаршы һәйбәт һөҙөмтә бирә, ауыр осраҡтарҙа һауығыуға ышаныс бирә. Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов аңлатмалары: - Коронавирусты үткәргән кешенең ҡаны дарыу тип әйтеп булмай. Ләкин ул кешенән алынған ҡандағы күҙәнәктәр ауыр сирләүселәрҙең организмында вирусты айыра һәм уны юҡ итә ала. Был иммунитеты насар булғандарға үҙаллы сирҙән ҡотолорға ярҙам итә. Был ысулдың һөҙөмтәлелеге Ҡытай, Америка, Европа, Мәскәү табиптары тарафынан иҫбат ителгән. - Донор булып COVID-19-ҙы үткәргән кеше иҫәпләнә, тик һауыҡҡандан һуң 14 көн үтергә тейеш. Шул ваҡытта ҡанда вирусҡа ҡаршы тороусы күҙәнәктәр күп була. Плазманы йыл дауамында ике аҙна һайын тапшырырға мөмкин. - Ҡан алғандан һуң плазма бер нисә ай карантинда була, һуңынан донор өҫтәмә тикшереү үтә. Был оҙаҡ процесс. Шулай ҙа бында ла альтернатива бар: плазманан башҡа компоненттарҙы махсус ҡоролмала вирус һәм башҡа патогендарға инактивация үткәреп ҡулланырға була. Бындай “махсус” таҙартыу вирустарҙы үлтерә. Әгәр кеше ныҡлап һауығып бөтмәгән йәки унда башҡа сирҙәр ҙә булһа ла, плазма таҙа һәм хәүефһеҙ буласаҡ. - “Ковид” үткәргән донорҙарға түләү плазманың күләменән тора: 300 миллилитрҙан кәм булмаһа – 2500 һум; 450 мл – 3750 һум.; 600 мл – 5000 һум. Кешенең йөшөгөн урыны, ниндәйҙер пособие йәки түләүҙәр алыуы роль уйнамай. Бынан тыш, өҫтәмә льготалар бар: ашау өсөн 500 һум, был көндө эштән азат ителә йәки кәрәк ваҡытта үҙенә ял ала ала. Шәмбе йәки ял көнө ҡан тапшырһа, ике ял көнө бирелә. - Әлбиттә, ауырыу үткәргәндәрҙең барыһы ла донор була алмай. 40% тирәһе кешенең донор булыу мөмкинлеге юҡ, кемгәлер ярамай. - Ковидҡа ҡаршы плазма башта Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына фәнни-тикшеренеү эштәре өсөн, һуңынан 8-се дауаханаға, Дим COVID-госпиталенә, Бәләбәйгә ебәрелде. Хәҙер инде барлыҡ эре дауаханалар ҡуллана. - Станцияла ике кабинет бүленде. Унда плазма алыу өсөн тейешле аппаратура бар. Айырым эш урындары бүленгән. Дезинфекция саралары көсәйтелде, елләтеү режимы күҙәтелә. COVID-19-ҙан һауыҡҡандар сәләмәт кешеләр, шулай ҙа төрлө ғәйепләүҙәр булмаһын өсөн, беҙ уларҙы бүтәндәр янына һалмайбыҙ. Улар – һау-сәләмәттәр. - Ковидҡа ҡаршы плазманың ыңғай һөҙөмтәһе бар. Тәүлек тигәндә сирленең хәле яҡшыра, иң күбендә – ике тәүлек үтә. Беҙ нисек ҡан ҡойорға, ниндәй күләмдә һ.б. шарттарҙы күҙ уңнда тотоп эшләйбеҙ. Клиник-лаборатор үҙгәрештәргә ҡандың биохимияһы яҡшырыуын күрәбеҙ, КТ-ла үпкәләрҙең зарарланған өлөштәре кәмей, ҡайһы бер ауырыуҙарҙа яһалма елләтеү аппаратынан алабыҙ – былар етди күрһәткес. - Ғәҙәти донорҙар өсөн станцияға ингән урында термометрия, дезинфекциялау саралары бар, битлек режимын һаҡлайбыҙ. COVID-19 булыу-булмауына дәлилдәр кәрәкмәй, тәжрибәле табиптар уларҙы тәфсилләп тикшерә. - Донорҙарҙың 36%-ы икенсе ҡан төркөмө, 30% беренсе ҡан төркөмөнә ҡарай. Бөгөнгә ковидҡа ҡаршы 1100 доза плазма бар, инфекциянан һауыҡҡан яҡынса 300 кеше ҡан тапшырҙы. Медицина ойошмаларына 990 доза иммун плазмаһы бирҙек, 500-ләп пациентҡа ҡан ҡойҙоҡ. Плазма тапшырыу өсөн Республика ҡан ҡойоу станцияһына һәм уның филиалдарына барырға кәрәк. филиалы. Адрестар, эш графигы һәм башҡа мәғлүмәт учреждениеның рәсми сайтында: http://rspkrb.ru. Фото: https://health.bashkortostan.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Гөл төбөнә йыш ҡына ваҡ себендәр эйәләй. «Көтөлмәгән ҡунаҡтар» эйәләшкән үҫемлекте ташларға ашыҡмағыҙ. «Көтөлмәгән ҡунаҡтар» эйәләшкән үҫемлекте ташларға ашыҡмағыҙ. Уның төп сәбәбе – тупраҡтың дезинфекцияланмаған булыуы. Гөлдәге ҡоротҡостар унда йомортҡа һала. Был, үҙ сиратында, уны сирләтә. Бөжәккә ҡаршы препараттар алып һиптерергә мөмкин. Себендәрҙе булдырмаҫ өсөн – гөл һауытын һәр саҡ тикшереп тороғоҙ, – артыҡ һыу һипмәгеҙ, – ваҡ себенде үлтереү өсөн гөл төбөнә шырпыны көкөртлө осо менән ҡаҙап сығығыҙ, – марганцовкалы, иҙелгән көл, һуған ҡабығы төнәтмәһе лә яҡшы. yeshlek.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй 24” телеканалы эфирында республика предприятиеларының импортты алмаштырыуға әҙерлеге хаҡында бәйән итте. “Әүҙем хәрәкәт итә торған ваҡыт” Республика етәксеһе “Рәсәй 24” телеканалында эфирға сыҡты. Ул алып барыусының һорауҙарына яуап биреп, беҙҙең ниндәй предприятиеларҙың импортты алмаштырыуға әҙер икәнлеген һөйләне. Хәбәрсе: – Башҡортостанда импортты алмаштырыу һәм тәьмин итеү үҙәген төҙөйҙәр, йәғни республика властары Көнбайыш сакциялары шарттарында урындағы етештереүселәргә яңы тәьминәтселәр табыуҙа ярҙам күрһәтмәксе. Үҙәктең төп бурыстары ниндәй? Радий ХӘБИРОВ: – Ысынлап та, әлеге мәлдә беҙ һәр предприятие менән аралашабыҙ, тәьминәт ҡыҫҡарған, техниканы хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡан осраҡтарҙы теркәйбеҙ. Проблеманың кимәлен билдәләргә тырышабыҙ. Импортты алмаштырыу проблемаһына беҙ 24 февралдән санкциялар индерелгәс түгел, ә 2014 йылдан әҙерләндек. Унан тыш, республиканың бәғзе компаниялары – эре юғары технологиялы эшкәртеүсе предприятиелар күптә санкциялар аҫтында ине. Ул саҡта уҡ хәл аңлашылды: мәҫәлән, беҙҙең вертолеттарҙа йә украин, йә француз двигателдәре тора ине. Әле иһә Башҡортостан предприятиелары үҙебеҙҙә двигателдәр эшләй. Рәсәйҙең газ транспортлау системаһын алғанда, унда газ ҡыуҙыра торған агрегаттарҙың бер өлөшөн йә Siemens фирмаһы, йә украин компаниялары етештерә ине. Беҙ иһә тейешле ҡарар ҡабул итеп, хәрби авиация двигателен яраҡлаштырҙыҡ һәм уны “Газпром”дың компрессор станцияларына тапшырҙыҡ. Һүҙ АЛ-31СТ приводы тураһында . Был йәһәттән беҙ “Газпром” һәм Ростех етәкселегендә аңлау таптыҡ. Ҡыҫҡаһы, беҙ был хәлгә ҙур әҙерлек эше алып барҙыҡ, мөмкин булғанды үҙебеҙҙә етештерә башланыҡ. Ауыл хужалығы техникаһы тармағындағы хеҙмәттәшлеккә бер миҫал килтерәм. John Deere, CLAAS кеүек һәм башҡа техника барлығын беләбеҙ. Әммә беҙҙең Петербург трактор заводы ла бар, унда бына тигән “Кировец” тракторҙары етештерелә. Ул ауыл халҡы араһында бик популяр. Шуға күрә беҙ урындағы технологик, ремонт предприятиятиеларын йыйҙыҡ та, уларҙы “Кировец” майҙансығына алып барҙыҡ. Хәҙер иһә ошо машиналар өсөн запас частарҙың барлыҡ технологик һыҙатын булдыра башланыҡ. Иң мөһиме – әгәр тейешле станоктар булмаһа, был осорҙа бер ниндәй ҙә импортты алмаштырыу, технологик үҫеш мөмкин түгел. Бер нисә йыл эсендә республикала станоктар етештереү тармағы тарҡалып барыуҙы туҡтатыуға өлгәштек. “Станоктар төҙөү” предприятиеһын ғына алайыҡ, ике йыл элек ул ни бары ике генә станок һатҡан. Ә былтыр - 69 станок. Ошо ваҡыт эсендә күп предприятиелар тейешле станоктар һатып алды – сит илдекеләрҙен дә, Рәсәйҙекен дә. Хәбәрсе: - Радий Фәрит улы, һеҙ станоктар төҙөү кеүек бик мөһим теманы күтәрҙегеҙ. Һис шикһеҙ, был тармаҡ теләһә ҡайһы производствоның нигеҙен тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта беҙҙә станоктар етештереү генә етмәй, улар өсөн комплект частары ла кәрәк бит әле. Бының менән тәьминәт нисек? Радий ХӘБИРОВ: – Беҙҙең предприятиелар техник хеҙмәтләндереү буйынса ауырлыҡ кисерә тигәйнем. Әлбиттә, әлеге ваҡытта мәсьәләне беҙ 100 процентҡа үтәй алмайбыҙ. Шуға ла нимә кәрәклеген тәүҙә анализларға тейешбеҙ. Бына тигән мәғлүмәти системалар бар. Улар иҫәбендә – ГИСП (Государственная информационная система промышленности) – Сәнәғәт дәүләт мәғлүмәт системаһы. Беҙҙең Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы уның менән күптән эшләй. Был системала Рәсәйҙәге предприятиелар етештергән продукция линейкаһы тулыһынса бар. Башҡортостан унда 329 предприятиены һәм улар етештергән тауар ассортиментын индерҙе. Әлеге ваҡытта федераль штаб, Хөкүмәт алдында торған төп бурыс – кемдә ниндәй тауар барлығын билдәләргә. Төбәк-ара бәйләнештәр бик мөһим. Беҙ күп кәрәк нәмәне үҙ илебеҙҙә табасағыбыҙға ышанам. Әгәр табылмаһа, Азия баҙарынан ҡарай башлайбыҙ. Ошо арауыҡ эсендә Беларусь менән ярайһы ныҡлы иҡтисади бәйләнештәр булдырҙыҡ. Уларҙа машиналар төҙөү тармағы ныҡ үҫешкән. Тракторҙар төҙөү, техник хеҙмәтләндереү буйынса проекттары бар. Шуға күрә коммуналь һәм башҡа махсус техниканы беҙ уларҙан һатып аласаҡбыҙ. Станоктар төҙөүгә килгәндә, һыҙыҡ өҫтөнә алам: әлегә беҙ техник хеҙмәтләндереү менән ҡыйынлыҡтар кисерәбеҙ. Мәҫәлән, лазерлы станок киң таралған. Әммә улар фәҡәт Көнбайыш Европаныҡы ғына түгел бит. Ҡытай, Корея станоктары ла бар. Шуға күрә, минең фекеремсә, әлеге ваҡытта иғтибарлы һәм әүҙем хәрәкәт итә торған ваҡыт. Фото: bashinform.ru Автор:Гүзәлиә Балтабаева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
3 йомортҡаны яҡшылап туғлап, уға 12 ҡалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәгеҙ һәм блендер менән 2 минут ҡабартып алығыҙ. Әлеге массаға 12 ҡалаҡ һөт, 12 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты лимон һутын өҫтәп, тағын бер аҙ туғлағыҙ. Унан һуң 12 ҡалаҡ он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс һалып, тағын болғатығыҙ. Әҙер ҡамырҙы, майланған табаға һалып, 180–200 градусҡа ҡәҙәр йылытылған мейестә 20–25 минут самаһы бешерергә Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Эльмира Ғәлимйәнова рецебы baltachtan.ru “12 ҡалаҡ” бисквиты Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Йорт ҡоштары араһында ауырыу Саратов, Төмән, Силәбе, Ҡурған, Омск өлкәләрендә һәм Татарстандың Быуа районында теркәлгән. Ошо көндәрҙә күрше республиканың тағы ике районы хужалыҡтарында ауырыу ҡаҙҙар булыуы асыҡланған. Ҡош-ҡорт киҙеүе - киҫкен үтеүсе айырыуса хәүефле йоғошло ауырыу, ул үпкә һәм аш һеңдереү системаһы зарарланыу, ҡоштарҙың күпләп үлеүе менән характерлана. Инфекцияның төп сығанағы - ауырыу ҡырағай өйрәктәр, ҡаҙҙар, аҡҡоштар һәм башҡа ҡоштар. Ауырыу сирле ҡырағай йәки йорт ҡоштарынан һауа-тамсы юлы менән, шулай уҡ зарарланған аҙыҡ, йомортҡа, ҡаурый, һауыт-һаба аша йоға. Ауырыуға ҡош-ҡорт ҡына түгел, сусҡалар, аттар, көҙәндәр, сысҡандар, эттәр, бесәйҙәр, башҡа умыртҡалы хайуандар һәм хатта кеше лә бирешә. Инфекция йоҡторған ҡоштар актив түгел, күп итеп һыу эсә, насар йөрөй, йөндәре ҡабарып тора, ҡарҡылдаған тауыш сығара. Уларҙың күҙҙәре ҡыҙара, сайҡала башлай, эс китеү, көҙән йыйырыу, кикереге һәм алҡалары күгәреүе күҙәтелә. Ҡош киҙеүе менән ауырығанда үлем осраҡтары 100 процентҡа етә. Инфекция йоҡтороуҙы һәм таралыуҙы иҫкәртеү өсөн: -йорт ҡоштарының ҡырағай ҡоштар менән йөрөүенә юл ҡуймаҫҡа, йорт ихатаһынан сығармаҫҡа; - тейешле санитар шарттарҙа аҫрарға; -ҡош-ҡорт һәм инкубация йомортҡаларын ҡош-ҡорт киҙеүе буйынса имен төбәктәрҙән генә индерергә; -термик эшкәртелгән сифатлы һәм хәүефһеҙ аҙыҡтар ҡулланырға; -шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтергә. Ауырыу йәки үлгән ҡош күргән осраҡта, кисекмәҫтән 2-26-96 телефоны буйынса ҡоштоң үлеү сәбәптәрен асыҡлау өсөн район ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Александр ДЕМЕШОВ, Әлшәй район ветеринария станцияһы етәксеһе урынбаҫары. Фото: worldofmeat.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан Әлфиә Харрасова заманында һауынсы була, үҙенең малын да ҡарай, шуға тармаҡ эшен яҡшы белә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән «Агростартап» программаһы тураһында ишеткәс, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт итә. Был хаҡта, «Альшеевские вести» хәбәрсеһе Айгөл Мөхәмәтдинова мәҡәләһенә һылтанып, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы белгесе һөйләй. Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан Әлфиә Харрасова заманында һауынсы була, үҙенең малын да ҡарай, шуға тармаҡ эшен яҡшы белә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән «Агростартап» программаһы тураһында ишеткәс, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт итә. Был хаҡта, «Альшеевские вести» хәбәрсеһе Айгөл Мөхәмәтдинова мәҡәләһенә һылтанып, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы белгесе һөйләй. Әлфиә ире Дамир менән кәңәшләшә, һәм Харрасовтар һөт бизнесына тотонорға була. – Бизнес-планды район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегендә төҙөштөләр. Документтарҙы шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусы булараҡ тапшырҙым. Был ваҡытҡа беҙҙең 24 баш мал, шул иҫәптән 8 һыйыр бар ине. Биләмәбеҙ ҙур, ҡуртымда еребеҙ бар, ә иң мөһиме эшләргә һәм бының өсөн хаҡын алырға теләк кәрәк, – ти Әлфиә Миңләхмәт ҡыҙы. Документтарҙы Әлфиә 2019 йылдың авгусында тапшыра һәм өс айҙан 2 миллион 700 мең һумлыҡ грант ала. Хужалығын крәҫтиән-фермер хужалығы итеп рәсмиләштерә. Симменталь тоҡомло 35 тана һатып ала. Үткән йыл эсендә Харрасовтар мал һанын быҙау-башмаҡтары менән бергә 60 башҡа еткерә. Ҙур һарай һалалар, тағы 69 гектар ерҙе ҡуртымға алалар. Фермерҙарға дүрт улдары менән бер ҡыҙҙары ла ярҙам итә. – Һөттө Торонтайыш һөт йыйыусыларына тапшырам, улар беҙгә көн аша килеп тора. Һыйырҙарҙы үҙем һауам. Ике һауын аппараты алдым, – ти Әлфиә. Белешмә өсөн. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ милли проекты» милли проекты буйынса 2019 йылда Башҡортостанда 2 411 кеше эшҡыуарлыҡҡа йәлеп ителгән. 115 эшҡыуарлыҡ субъекты барлыҡҡа килгән. Башҡортостандың яңы эш асҡан 68 ауыл йүнселе 2020 йылда бөтәһе 211,5 миллион һумлыҡ «Агростартап» гранты алған. Быйыл эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проекты буйынса башҡарыла. «Агростартап» программаһында бөтәһе 123,7 миллион һум аҡса грант итеп таратыласаҡ. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар федераль грант алыу мөмкинлегенә эйә. “Мәғариф” милли проектына ярашлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар федераль грант алыу мөмкинлегенә эйә. Ойошмалар конкурс нигеҙендә һайлап алына. Гранттар түбәндәге сараларҙы тормошҡа ашырыуға бирелә: – Рәсәй мәғарифын сит илдәрҙә үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алымын (сит ил студенттарын йәлеп итеү өсөн йәйге һәм ҡышҡы мәктәптәр, Рәсәй ойошмаларының сит ил филиалдары, вәкиллектәре системаһын) ғәмәлгә индереүгә; – Рәсәй иҡтисадының экспорт йүнәлешендәге секторҙарын юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында партнер илдәрҙең референт төркөмдәре, донъя баҙарының территориаль-тармаҡ сегменттары буйынса белем биреү экспортын үҫтереү программаларын төҙөүгә; – партнер илдәрҙә дөйөм фәндәрҙе тәрән өйрәнеүҙе тәьмин иткән 50 ресурс үҙәген асыуға; – Рәсәй вуздарында уҡыған сит ил граждандары һанын 2017 йыл менән сағыштырғанда кәмендә икеләтә арттырыуға; – Рәсәй вуздарын тамамлаған сит ил граждандарының кәмендә биш процентын эш менән тәьмин итеүгә; – 2024 йылға халыҡ-ара аккредитация үткән биш белем биреү программаһын кәмендә 60 ойошма тарафынан тормошҡа ашырыуға. Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына ғариза ебәреү шарт. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Автор: Лилиә Дәүләтәбкова "Башҡортостан" гәзитенән Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Янғын һүндереү бригадаһын саҡырыу һәм балаларҙы эвакуациялау менән кескәйҙәрҙең кәйефен төшөрмәү өсөн нимә тураһында онотмаҫҡа кәрәк? Шыршы байрамында хәүефһеҙлек өсөн иртәлек үткәрелгән ойошма етәксеһе яуаплы. Сара алдынан бинаның янғын хәүефһеҙлеге нормаларына тура килеү-килмәүен мотлаҡ тикшерергә кәрәк: әгәр бинаның түбәһе тиҙ яныусан материалдарҙан эшләнгән булһа, байрам икенсе ҡаттан да юғары булмаған бинала уҙырға тейеш; янып тороусы күрһәткестәр менән йыһазландырылған кәмендә ике эвакуация урыны булырға тейеш; шыршыны янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ярашлы урынлаштырырға; балалар байрамында хлопушкалар, бенгаль уттары һәм пиротехника ҡулланмаҫҡа; төҙөк янғын һүндереү әйберҙәрен яҡында ғына тоторға. Күптәр Яңы йыл байрамы мәшәҡәттәре менән тағы ла бер мөһим нимәне – байрамда ҡатнашыусы барлыҡ балаларҙың, өлкәндәрҙең һәм саҡырылған артистар исемлеген төҙөргә онота. Янғын була ҡалһа, эвакуацияланған кешеләрҙе исемлек менән сағыштырырға еңел буласаҡ. Шыршы байрамында балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ата-әсәләр ҙә онотмаҫҡа тейеш. Балағыҙҙың карнавал кейемендә тиҙ тоҡаныусан биҙәнгестәр булмауын тикшерегеҙ. Хөрмәтле әлшәйҙәр! Һеҙгә Яңы йыл һәм Раштуа байрамдарын ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үткәреүегеҙҙе теләйбеҙ! Фларит ҠОРБАНҒӘЛИЕВ, Рәсәй Эске эштәр министрлығы БР буйынса идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика эше буйынса Дәүләкән район-ара бүлеге инспекторы. Йыл башынан Әлшәй районында 127 янғын сығыу осрағы теркәлгән, утта биш кеше һәләк булған, береһенең тәне бешкән. фото/яндекс Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Стационарҙар тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә.4 ноябрҙә поликлиника хеҙмәткәрҙәре шәмбе графигы буйынса эшләй:сәғәт 8:00-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем. Табипты 16:00 сәғәткә тиклем саҡырырға мөмкин.5 һәм 6 ноябрҙә поликлиникалар ғәҙәти режимда эшләйәсәк.Халыҡҡа коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткәреләсәкме?Эйе, поликлиникаларҙа сәғәт 8:00-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа, ауыл табип амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында - медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған эш графигына ярашлы вакцинация үткәрелә.Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!Республика Ситуация үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2)#Аңлатабыҙ_Башҡортостан 2022 йылдың 4 ноябрендә Башҡортостандың медицина ойошмалары нисек эшләйәсәк? Стационарҙар тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә. 4 ноябрҙә поликлиника хеҙмәткәрҙәре шәмбе графигы буйынса эшләй: сәғәт 8:00-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем. Табипты 16:00 сәғәткә тиклем саҡырырға мөмкин. 5 һәм 6 ноябрҙә поликлиникалар ғәҙәти режимда эшләйәсәк. Халыҡҡа коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткәреләсәкме? Эйе, поликлиникаларҙа сәғәт 8:00-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа, ауыл табип амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында - медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған эш графигына ярашлы вакцинация үткәрелә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Республика Ситуация үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2) #Аңлатабыҙ_Башҡортостан Автор:Равиля Бардыбаева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бәндәбикә рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли аң вә әхлаҡты томалаған заман шауҡымына ҡаршы килеп, илем, халҡым тип янып йөрөүе - бөгөнгөбөҙҙөң иң матур һәм маҡтаулы күренештәренең береһе. Һуңғы бер нисә йылда республиканың һәр районында тиерлек барлыҡҡа килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең ижтимағи әһәмиәтлелеген иҫбатлап өлгөрҙө лә инде. Ысынлап та, яҡты сырайлы, әҙәпле, заманына күрә зыялы гүзәл заттарҙың ырыҫлы булмыштарынан яралған аҡ нур күңелдәрҙе имләр, иманлы итер илаһи ҡотҡа тиң бит. Хәйер, кесаҙнала Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында үткән Белорет район-ҡала ағинәйҙәренең йыйыны - үҙе үк быға дәлил. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейына һәм республикабыҙҙың үҙаллылыҡ яулаған көнөнә арналған "Ағинәй - ил инәһе" тип аталған мәртәбәле сарала муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Иҙел башы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев, республиканың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусыдраматург, фольклорсы Сәрүәр Сурина, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева, Д. Юлтый исеменИлдең ҡото - ағинәйҙәр дәге ҡала башҡорт китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова, район ағинәйҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. Байрамды әҙерләп алып барыусы, Белорет район-ҡала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова йыйылыусыларҙы иң элек ойошманың координацион совет ағзалары менән таныштырып үтте. Бынан ары төйәгебеҙҙең эшмәкәр вә әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары - Таңсулпан Бүләкбаева, Сатура Минһажитдинова, Флүрә Шакирова, Сулпан Уйылданова, Хәмиҙә Бикйәнова, Әлзирә Юнысова, Сәлимә Түләбаева һәм Зөбәржәт Суфьянова район ағинәйҙәренә һәр йәһәттән дә кәңәш-төңәш итеп, ярҙам ҡулы һуҙып торасаҡ. Аяғүрә баҫып "Ағинәйҙәр" гимнын башҡарғандан һуң, тәбриБәндәбикә рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли аң вә әхлаҡты томалаған заман шауҡымына ҡаршы килеп, илем, халҡым тип янып йөрөүе - бөгөнгөбөҙҙөң иң матур һәм маҡтаулы күренештәренең береһе. Һуңғы бер нисә йылда республиканың һәр районында тиерлек барлыҡҡа килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең ижтимағи әһәмиәтлелеген иҫбатлап өлгөрҙө лә инде. Ысынлап та, яҡты сырайлы, әҙәпле, заманына күрә зыялы гүзәл заттарҙың ырыҫлы булмыштарынан яралған аҡ нур күңелдәрҙе имләр, иманлы итер илаһи ҡотҡа тиң бит. Хәйер, кесаҙнала Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында үткән Белорет район-ҡала ағинәйҙәренең йыйыны - үҙе үк быға дәлил. "Кейеҙ баҫыу - еңел эш түгел", - ти Уҫманғәле ауылы ағинәйҙәре. кләү ѳсѳн һүҙ Илгиз Теләүбаевҡа, Гөлфиә Янбаеваға бирелде. Улар, үҙ сиратында, "Ағинәй" ойошмаларының йәмғиәттә тотҡан урынын, әһәмиәтен билдәләне, ил инәләренең яманлыҡҡа ҡаршы ҡалҡан булыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе. - Төбәктә ойошмалар күп кенә. Әммә шулар араһында иң әүҙеме - "Ағинәй"ҙәр. Һеҙ - байрамдарҙың йәме, матур ғәмәлдәрҙең башлап, әйҙәп йөрөүсеһе. Артабан да бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып, дәртләнеп-янып йәшәйек, - тип изге теләктәрен еткерҙе Илгиз Сафый улы. Ул шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән эскелеккә ҡаршы иғлан ителгән "Айыҡ ауыл" конкурсының ил инәләренең ярҙамына мохтаж булыуын да аңғартты. Форсаттан файҙаланып, етәксе өлгөр, әүҙем ағинәйҙәр ойошмаларына Иҙел башы башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан сараның төп өлөшө - район ағинәйҙәренең сығыштары дауам ҡылды. Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә күтәрелгән иң әүҙем, рухлы ҡатын-ҡыҙҙар - Сосновка ауылы ағинәйҙәре башҡарыуында (етәкселәре З. Кәримова) Мәүлит Ямалетдиновтың Ҡөрьән Кәримдән шиғри юлдарға һалған тәржемәүи мөнәжәте күңелдәрҙе иман нурына сорнап, тынысландырыр, пакландырыр илаһи моң төҫлө ағылды. Рысыҡай, Мөхәмәт ауылы ағинәйҙәренең - "Килен төшөрөү", бер ойошмала ҡайнаған Уҫманғәле килендәренең "Кейеҙ баҫыу" йолаларын урын-еренә еткереп сәхнәләштереүе, сығыштарҙың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булыуы, һәр кеменең үҙенә тәғәйен ролде ихлас, мөкиббән бирелеп уйнауы, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Ҡумыҙ, мандолина ҡылдарын сиртеп, милли көйҙәрҙе яңғыратҡан Межгорье ҡалаһы ағинәйҙәренең оҫталығы һәр ваҡыттағыса дәррәү алҡыштарға күмелде. Ҡоҙғон-Әхмәр, Үткәл, Ғәбдөк, Абҙаҡ, Үҙәнбаш ауылы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаларының йырлы-моңло күстәнәстәре, Хөсәйен ауылы ағинәйҙәре исеменән сығыш яһаған Дилбәр Рәхмәтованың башҡорт халыҡ йыры "Ерән ҡашҡа"- ны бар күңелен һалып башҡарыуы, тѳрлѳ милләт вәкилдәре һыйып йәшәгән мөхиттә үҙ ойошмаларын булдырып, һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан Отнурок ауылы ағинәйҙәренең илһөйәрлеккә, телһөйәрлеккә өндәгән рухлы шиғри сәләме байрамдың йәмен бермә-бер арттырҙы. Йыйындың һуңғы өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙар ағинәйлектең маҡсаты, бурыстары, ошо юҫыҡта ебәрелгән хаталар тураһында ентекле фекер алышты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләште. Республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, һәләтле журналист Сәрүәр Сурина, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова үҙ сығыштарында гүзәл заттарҙың иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙың нимәнән ғибәрәт булыуын, милләттең именлеге, иманы ла тик ҡатын-ҡыҙҙан тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Беҙҙең асыл - йолаларҙа, ғөрѳф ғәҙәттәрҙә. Быуындан-быуынға тапшырылған рухи мираҫтарҙы тергеҙеп, ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылына таянып ҡына беҙ үҙҙебеҙҙе айырым милләт, ҡәүем рәүешендә һаҡлап ҡаласаҡбыҙ; үҙ ѳлгѳбѳҙҙә йәштәребеҙгә тейешле тәрбиә биреп, киләсәккә ышаныс менән бағасаҡбыҙ, - тип ҡорҙоң тѳп фекерен еткерҙе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Бер уңайҙан Өфө ҡунағы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен фиҙаҡәр йәмәғәт эшмәкәре, шәп ойоштороусы, талапсан етәксе итеп танытып ѳлгѳргән Белорет район-ҡала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Суфьяноваға районҡаланың Баш ағинәйе тигән танытма менән иҫтәлекле бүләк тә тапшырҙы. Ишек төбөнән үк ихлас йөҙ, йылы һүҙ менән башланып киткән күркәм байрам артабан аллы-гөллө йырлы парадҡа ялғанды. Көҙҙөң геүләтеп япраҡ яуҙырған илаҡ мәлендә ҡала урамын йәйғор төҫтәренә мансып, ағинәйҙәр Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан сквер аша Металлургтар майҙанынан үтте. Сулпыларын сыңлатып дәртле атлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың кѳн яманын еңер күтәренке рухынан донъяһы ла, гүйә, балҡып ҡалғандай тойолдо. "Металлург" ресторанында моңло йыр-шиғырҙар, ихлас гәпләшеүҙәр менән үткән сәй табыны иһә юғары кимәлдә ойошторолған оло ҡорҙоң йәмле ахыры булды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ә ишек артында Рәмзиләнең әхирәттәре тора икән. Наҙгөл менән Земфира килгән. – Мөмкинме? – тине Земфира. – Ә ҡайҙа Рәмзүк? – тине Наҙгөл. Залда ҡурҡынып ултырған Рәмзилә, балаһын күтәреп, әхирәттәре янына сыҡты. – Һине күрергә килдек, – тине Земфира. – Ә мин гәзиттә уҡыным, шым ғына фатир алып, беҙгә әйтмәйенсә генә кейәүгә сығырға йөрөй икән. Еҙнәбеҙ ошо буламы? Исеме Вәзир бит әле? Бик ҙур начальниктың улы, тинеләр. Һаумы Вәзир... кейәү. Мин – Земфира. -1- -2- -3- -4- -5- -6- -7- -8- -9- -10- -11- -12- -13- ҠАБАЛАНМА, ЙӘНЕМ, ҮКЕНМӘЙ ТОР Хикәйә Һигеҙенсе өлөш Ә ишек артында Рәмзиләнең әхирәттәре тора икән. Наҙгөл менән Земфира килгән. – Мөмкинме? – тине Земфира. – Ә ҡайҙа Рәмзүк? – тине Наҙгөл. Залда ҡурҡынып ултырған Рәмзилә, балаһын күтәреп, әхирәттәре янына сыҡты. – Һине күрергә килдек, – тине Земфира. – Ә мин гәзиттә уҡыным, шым ғына фатир алып, беҙгә әйтмәйенсә генә кейәүгә сығырға йөрөй икән. Еҙнәбеҙ ошо буламы? Исеме Вәзир бит әле? Бик ҙур начальниктың улы, тинеләр. Һаумы Вәзир... кейәү. Мин – Земфира. Рәмзилә менән Нәғим һиҙҙермәй генә бер-береһенә ҡарашып алдылар, ләкин төҙәтмә индереүҙе кәрәк тип тапманылар. Залға үттеләр, бәпесте күрҙеләр, алмашлап күтәреп ҡаранылар. Ул арала Рәмзилә өҫтәлгә бар булған һый-ниғмәтен сығарып ултыртты. Ҡыҙҙар бер “ярты” сығарҙылар, торт ултырттылар. – Танышыу хөрмәтенә! – тине Земфира. – Һин, кейәү балаҡай, кәләштең иң уңғанын, иң егәрлеһен эләктерҙең. Әйткәндәй, беҙ икебеҙ Рәмзилә һымаҡбыҙ, беҙгә лә кейәү ҡараштыра алаһың. Йәгеҙ, танышыу хөрмәтенә, берәрҙе. Нәғим стакандың ситенә ауыҙын тейҙереп кенә ҡуйҙы: – Миңә иртүк эшкә, ғәфү итегеҙ, – тине. – Бәй, – тип аптыраны Наҙгөл. – Интернетта үҙем уҡыным, уҡый тинеләр. Ә һин эшләйһең дә икән? – Заманаһы шундай, уҡырға ла, эшләргә лә тура килә. Ҡыҙыҡайҙы ла үҫтерергә кәрәк бит, – тип һалҡын ғына аҡланды Нәғим. – Йә, әхирәт, беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк һиңә? – тине Земфира. – Үҙем бер барып ҡайтҡас, беләм, туйға әҙерләнеүҙән дә ҙурыраҡ мәшәҡәт юҡ. Ярай ҙа, Вәзир һымаҡ, хәлле кешенең балаһы тура килһә. Туйға беҙҙе саҡыраһыңдыр ул? – Әлбиттә! – тине Рәмзилә. – Һеҙһеҙ минең туйым үтмәйәсәк. Һәр берегеҙ саҡырыу алырһығыҙ. Наҙгөл Рәмзилә менән Нәғимгә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. – Һинең интернеттағы фотоң бөтөнләй икенсе торлө. Ул егет вағыраҡ, ә һеҙ – торғаны баһадир. Әллә бер-бер хәл булдымы? – Юҡты төпсөнмә. Иртәгә туй күлдәге һайларға ярҙам итегеҙ. Икеһе лә бушамай икән. Алдан планлаштырылған эштәре ҡалған. “Ярай, быларынан ҡотолдом”, тип уйлап ҡуйҙы Рәмзилә. Икенсе көнөнә эшкә барғанда Нәғимгә Урал Булатович шылтыратты: – Мин һиңә яҡшылыҡ теләйем, – тине Урал. – Һин, әгәр мөмкин булһа, Вәзирҙең бер һүҙенә лә ышанма. Ул шундай шарттарҙа тәрбиәләнгән, үҙең беләһең, хәҙерге йәштәр ҙә шулай. Уның алдауы, йә үҙенең һүҙҙәренән баш тартыуы бик ихтимал. – Ә беҙгә уны, бик ҡыҙып, туйға әҙерләнә, тип һөйләгәйнеләр. – Ышанма. Нәғим, ышанһаң, отолоп ҡуйыуың бар. Мин дә уның туйға әҙерләнгәнен күреп торам. Ғәфү ит, Нәғим, ул – минең улым. Уның ниндәй уй-ниәттәр менән йөрөгәнен әле булһа аңлай алмайым. – Ә минән нимә талап ителә, Урал ағай? – Шым бул, өндәшмә, түҙемле бул. Үтенеп һорайым, берәйһенә һуғып ҡуйма. – Мин уларҙы ҡарап торорға тейешме? – Ҡайһы ваҡыт ҡарап торорға ла тура килә. Кәңәшем шул, ниндәй генә шарттар килеп сыҡмаһын, Рәмзиләне лә, ҡыҙын да эргәңдән ебәрмә. – Ә бөгөн һеҙҙең ҡатынығыҙ Рәмзиләне туй күлдәге һайларға саҡырған. – Саҡырһын. Туй күлдәге һайлау әле өйләнешеү түгел. – Әтеү, улайһа, туй күлдәге һайларға ебәрәйемме? – Барһын, әлбиттә. Нәғим, мине тыңла, ҡыҙып китмә түлкә... Рәмзилә ҡыҙын күрше әбейенә тотторҙо ла, такси саҡыртып, күңел асыу-сауҙа комплексына китте. 58-се бутикта – Саимә ханым, киленен, йәғни, килене булаһы ҡатынды ҡосаҡлап, тигәндәй, ҡаршы алды. Эскә үттеләр, шундағы консультант ҡыҙҙарҙың йүгерешеп йөрөүҙәрен әйт. Йүгерешмәй һуң, ҡала районы хужаларының береһе улын өйләндерә бит. Килендәре ябай кеше араһынан сыҡҡан, ахыры, хатта еңел кейенгән, ҙур түрәнең килене буласаҡ, тип әйтеүе лә ҡыйын. Был ыңғайҙан туй күлдәктәре салоны хужәбикәһе үҙе сығып баҫты, ҡәтғи тауыш менән магазинды ябып торорға ҡушты. Байҙарҙың килене туй күлдәге һайлағанын теләһә кем күреп торорға тейеш түгел. Ә үҙенең ике һатыусыһымы, консультантымы туҡтауһыҙ фотоға һәм видеоға төшөрә. Улар аптыранған Рәмзиләне уңайлыраҡ фонда төшөрөргә, бәхетле ҡәйнәне йомартыраҡ күрһәтергә тырыша. Ошо кадрҙар, Рәмзилә менән Саимә ханым өйҙәренсә ҡайтып еткәнсе үк социаль селтәрҙәрҙә урын аласаҡ һәм ҡаланың былай ҙа ығы-зығылы тормошон ҡуҙғытып ебәрәсәк. Рәмзилә нимә эшләһен, үҙенең кәләш һәм килен бурысын тулыһынса үтәргә тырыша. Ҡәйнәһе нимә әйтһә, шуны эшләй. Ә салон хужабикәһе һиҙгер ҡатын икән. – Һеҙҙең йөҙөгөҙҙә ҡыуаныс күрмәйем, – тине ул Рәмзиләнең ҡолағына ғына бышылдап. – Әллә шатлыҡтан шулай башығыҙ әйләнәме? – Бөтәһе лә һәйбәт, мин – шатмын, – тип көсләп йылмайҙы Рәмзилә. – Улай булһа, яҡшы, – тине хужабикә. – Йәгеҙ әле, бынауһын кейеп ҡарағыҙ. Рәмзилә ниндәй генә күлдәкте кейеп ҡараманы, береһен дә оҡшатманы. Аптырағас, ҡәйнәһе, Саимә, әллә асыуланды, әллә үпкәләне. – Белмәйем, һиңә нимә кәрәктер? – тине. Рәмзилә аптыранып, иҙәнгә ҡараны. – Иртәгә яңы туй күлдәктәре ҡайта – Берлиндан, Париждан. Эксклюзив күлдәктәр буласаҡ. Иртәгә һуң килегеҙ. Мин һеҙҙе үҙегеҙгә лайыҡ туй күлдәге табырһығыҙ, тип ышанам. Рәмзилә тиҙ генә өйөнә ҡайтып китте. Күңелендә ниндәйҙер хәүеф бар ине. Аңлашылмаған, йөрәкте ҡыҫып торған ҡурҡыныс янай һымаҡ. Күршеләренә инһә, ултыра төшә яҙҙы. Баланы күтәреп, Вәзир йөрөп ята. – Бына беҙҙең әсәй ҙә ҡайтты, – тине ул. – Йә, әсәй, беҙҙе һағындымы? Рәмзилә йүгереп килеп балаһын тартып алды. – Һин ни эшләп башты әйләндереп йөрөйһөң? – Нисек башты әйләндерә? Мин үҙемдең ҡыҙымды күрергә килдем. Етмәһә, ҡосаҡларға итә. Рәмзилә телефонын алды: – Мин хәҙер Нәғимде һәм Урал Булатовичты саҡырам. – Ҡабаланма, – тине Вәзир һауалы ғына. – Атайҙы саҡырһаң, әлбиттә, ул мине шелтәләйәсәк. Ләкин шунан артыҡ бер нимә лә булмаҫ. Ә инде Нәғимде саҡырһаң, беҙҙең һуғышып китеүебеҙ бар. Уның асыулы икәнлеген беләм, ул минән көслөрәк. Ни хәл итәйем, ауылда үҫкән. Ә мин – сибек. Ләкин Нәғимдең тормошон бик ныҡ боҙа алам. Ул мине туҡмап һаласаҡ, “тиҙ ярҙам” килә, полиция акт төҙөй, мин – дауаханала, туй ҡайғыһы онотола. Ә Нәғим – төрмәлә. Алйот ҡатын, ошо һиңә кәрәкме? – Кәрәкмәй, – тип көс-хәл менән бышылданы Рәмзилә. – Һуң, кәрәкмәгәс, ни бысағыма тыпырсынаһың? Беҙ бит туйға әҙерләнәбеҙ. – Ә һин туйҙың булырына ышанаһыңмы? – Нисек ышанмайым? Йөҙҙән ашыу кеше саҡырылған, меню раҫланған, аванс индерелгән, тамада-әртистәр түҙемһеҙләнеп көтә. – Ә мин барыбер һиңә ышанмайым! – Һинең ышаныуың миңә кәрәкмәй. – Шулай булғас, ниңә һаман минең артымдан йөрөйһөң? – Сөнки һин мине рәнйеттең. Мин үҙемдең мөхәббәтем менән һине еңергә теләйем. – Мин үҙ ғүмеремдә ир-ат менән көс һынашҡаным булманы. Шуға әйтә алмайым, был еңеү һиңә ниндәй ләззәт килтерер. – Оҙаҡламай күрерһең. Һиңә һүҙ бирәм, ул һиңә оҡшаясаҡ. Әйткәндәй, туй күлдәген һайлай алдыңмы? – Юҡ. – Ә нимә булды? Хаҡы оҡшаманымы, әллә күлдәк үҙеме? – Белмәйем! – тине Рәмзилә ҡаты ғына. – Әллә һин һаман Нәғим тураһында хыялланаһыңмы? – Ҡамасауларға теләгең бармы? – Юҡ, юҡ, Хоҙай һаҡлаһын! Мин уға бәхет кенә теләйем! Хатта уға рәхмәтем бар, бәләкәй генә. – Ниндәй рәхмәт ул тағы? – Ул миңә һинең ҡәҙереңде белергә, ул ғына ла түгел, һинең өсөн көрәшергә мәжбүр итте. Мин көрәшәсәкмен! Сөнки быға тиклем еңелгәнем булманы. Ә хәҙер әйберҙереңде йый ҙа, ҡайтабыҙ. – Һин нимә? Нисек ҡайтабыҙ? – Минең ҡыҙымды алабыҙ ҙа, атайым менән әсәйемдең өйөнә ҡайтабыҙ. Барыһы ла мосолман дине йолаһы буйынса ҡороласаҡ. Атайым, әлбиттә, өндәшмәй, әммә әсәйем хуплай. Беҙ иртәгә һинең менән никах уҡытасаҡбыҙ. Дауамы бар. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Томоролып, зәңгәр яулыҡ иҙәп , поезд саба, Ялан тәпәй йүгерә ак ҡайындар миңа таба. Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә, Алда мине янар усаҡ булып өмөт көтә. Ырғый поезд, дулҡынланып юлдар катылып ҡала, Туған ерем, газиз ерем мине наҙлап бара. Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә, Алда мине янар усак булып өмөт көтә Юл ситендә яңгыҙ нарат кеүек ҡалдың баҫып, Ҡайтыр өсөн китеп барам һинән, һаубуллашып. Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм, Айырылу иркәм бигрәк ауыр, ауыр икән. Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм, Айырылыу, иркәм, бигрәк ауыр, ауыр икән. Юлдар көтә мине, дуҫтар көтә, шуға китәм, Айырылу иркәм бигрәк ауыр, ауыр икән. Кәркәле тауҙары Фидан Гафаров кәркәле ауылы ҡайҙа бейек тау итәгендә тауҙарын да һағынып ҡайтам ситтәргә китәмен дә кәркәле тауҙары бейек бейек булһала менейк туған яҡтың һөйгән йәрҙең дуҫтарҙын ҡәҙрен белеп сейәле үҙе шишмәле кәркәле тау итәге сейәле тау итәгендә күрешербеҙ бит әле кәркәле тауҙары бейек бейек булһала менейк туған яҡтың һөйгән йәрҙең дуҫтарҙын ҡәҙрен белеп кәркәле күперен сыҡас боролоп киткән юлдар бар һеҙҙең күңелдә ниҙәр бар миндә һағыш моңдар бар кәркәле тауҙары бейек бейек булһала менейк туған яҡтың һөйгән йәрҙең дуҫтарҙын ҡәҙрен белеп Үҙ яғыма ҡайтһам Фидан Гафаров Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып Тыңлар инем үлән үҫкәнен. Тыңлар инем салғы тауыштарын, Киске йылы елдәр иҫкәнен. Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Эсәр инем шишмә һыуҙарын. Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын, Егеттәрҙең ҡурай моңдарын. Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ Эҙләр инем тәүге юлымды, Инеш буйындағы сәскәләрҙе, Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды. Һаман яратам Фидан Гафаров Шик тыуһа кинәт яныңда әгәр, Йә килһә һиңә куркыныс хәбәр Мин йөргән яҡтан, йыраҡ-йыраҡтан, Ышана күрмә, һаман яратам. Ышана күрмә, ялғыштан һаклан, Һаман яратам, һаман яратам! Йондоҙло аяҙ күгеңде әгәр Ҡара болоттар ҡаплап китһәләр, Ҡаршы иҫкән ел ҡапланһа тынға, Бирешә күрмә, тик һин янымда! Бирешә күрмә һагышҡа, моңга, Янымда тик һин, тик һин җанымда. Сакла сөюне, ваҡлама берүк, Оло хистәрҙе таплама берүк! Уҙар гүмерҙәр аҡҡан һыу кеүек, Ғүмер бер генә, һөйөү мәңгелек. Уҙар ғүмерҙәр иҫкән ел кеүек, Һөйөү мәңгелек, һөйөү мәңгелек! Мин һине яратам Фидан Гафаров Һинең ҡара ҡаштарың, Һинең ҡара күҙҙәрең, Һинең яғымлы һүҙҙәрең, Яна һинең йөҙҙәрең. Припев: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Мин һине барыбер үҙемә ҡаратам. Һандуғасты күрһәң ине Юлға теҙелгәндәрен. Йөрәгемде белһәң ине Кемгә өҙөлгәндәрен. Припев: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Мин һине барыбер үҙемә ҡаратам.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК! + - Тағы ла бер ни тиклем ваҡыттан Сара полиция бүлексәһендә ултыра ине. Һорау алыу башланды, ул булған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләне. Был юлы Стәрлетамаҡтан Илдар ағаһы үҙе килеп төштө. Сара уға ни өсөн бындай хәлгә тарыуын аңлатты, тик әсәһенең исемен әйтмәне. "Социаль селтәрҙә минең хеҙмәттәштәрем менән бер кеше танышҡайны, карточкаһындағы аҡсаһы юғалды". "Ниндәй осраҡта ла тейешле органдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, Сара!" "Мөрәжәғәт иткәндәр, тик файҙаһы булманы шул. Бына мин ҡыҫылғас, эш ҡуҙғалды". Ағаһы яуап урынына сикәһенә һуҡ бармағын ҡуйып борҙо, һиңә етешмәй, йәнәһе. Юҡ, Сара Илдар ағаһына һис кенә үпкәләмәне, әрен дә өндәшмәй генә тыңланы. Уның ҡарауы, ағаһының килеүе Сараны төрлө бюрократик мәшәҡәттәрҙән азат итте. Оҙаҡ та үтмәй, яһалма алкоголь етештереүсе цехтың хужаһын тоттолар, һәм артабан тикшереү эштәре дауам итте. Ганс Гасановичтың үҙенә айырым эш астылар. Әсәһе ҡыҙының ниндәй мажараға тарыуын ишеткәс, валерьянкаһына йәбеште. Ганстың фашланғанын ишеткәс, тағы "аһ" та, "уһ" итеп диванға барып ятты. Аҡсаһы ҡайтарыласағын белгәс, һикереп тороп бейеп китте. Эҙәрлекләүселәре "Лада"ны шаҡтай ғына йәмшәйткәндәр ине. "Эй, маладисһың да инде иҫке машинам! Әллә ниндәй вездеходтарға бирешмәй, шулар менән ярыштың! Яратам үҙеңде! Әлдә һин бар минең эргәмдә", - тип һөйләнде Сара. ...Сара суррогат етештереүселәр ваҡиғаһын Рауилына һөйләмәгәйне, ә хәбәр ирекәйенә барып еткән, иртә таң менән шылтыратты. - Бер сайтта "Журналист тикшереү үткәрә" тигән бәләкәй генә мәҡәлә сыҡҡан, һинең дә исемең телгә алына. Ҡотлайым, бисәкәй! Бер тынала уҡып сыҡтым. - Аллаға шөкөр, тик ятмайбыҙ, - тине Сара, көсәнеп тамағын ҡырып алды. - Һинең ҡатын тикшереү үткәрә белә. Ҡайтҡас, тағы ла бер тапҡыр быға инанырһың. Бик яңғырауыҡлы фашлауҙар буласаҡ. Шаярта тип уйлаған Рауил рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. Бындай саҡта ул сабыйға оҡшап китә. Һы, сабый, имеш. Һинең хыянатың арҡаһында инде нисәмә көндәр күҙҙән йәш кипмәй... Туҡта, нишләп Сара ҡара күҙ йәше ҡойорға тейеш әле? Ул, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһы. Ғирфан Рәсүлевич юлда тап иткәнендә юҡҡа ғына эшкә саҡырманы ла баһа. Инде ике айлап ваҡыт үтеп китте. Хәҙер Сара иренә үс итеп, эшкә сығырға тейеш. Элек бер кабинетта ултырып эшләгән Рәүзәт телефон аша уның енәйәтселәрҙе фашлау тарихын әллә нисә тапҡыр һөйләтте. - Һинең алдан күрә белеү һәләтең бар. Шулай булмаһа, тик торғанда бандиттар араһына башыңды тыҡмаҫ инең! - тине һоҡланыуын белдереп, тел шартлатты. Маҡтау кемгә оҡшамаһын, Сара ла иреп китте. - Улай тимә, Рәүзәт. Минең алйот хәлдәргә тарығанды белмәйһең әле һин! - Шунан асылып, Луиза-Ангелина менән булған мажараны һөйләп ташланы, тик бүтән берәүгә лә әйтмәҫкә ҡушты, ояты ни тора. Етмәһә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә булһа ла фотоһы "Эҙләүҙәр" таҡтаһында эленеп торҙо бит. Рәүзәттең былай рәхәтләнеп көлгәне юҡ ине шикелле, һуңынан шылтыратҡанында ла әллә нисә тапҡыр шул хәлде иҫенә төшөрҙө. - Былай өйҙә эшһеҙ ятһаң, профессионаллекте юғалтаһың түгелме? - тип әйтеп ҡуйҙы аҙаҡ. Дөрөҫ әйтә Рәүзәт. Иренә генә уның өйҙә ятыуы оҡшай, ләкин Сараның һөнәрен, оҫталығын баһалаусылар ҙа етерлек. - Беҙҙең кеүектәр юғалып ҡалмай ул! Ғирфан Рәсүлевич мине үҙенә саҡырҙы, - тине Сара ғорурлыҡ менән. - Эш һорап барманым. Үҙе башлап өндәште. - Эйе, һин сымыры кеше, - тине һөнәрҙәше. Элек бергә эшләгән һөнәрҙәштәренең хуплауы ла уға көс бирҙе. Сара эшкә сығырға ныҡлы ҡарар итте. Ғирфан Рәсүлевичҡа бер нисә тапҡыр шылтыратты, ләкин баш мөхәррир телефонын алманы. Ахыр, редакцияға үҙе барып килмәк булды. Ҡабул итеү бүлмәһендә эшләгән Нәйрә күптәнге танышы, шуға ҡыйыу аҙымдар менән барып инде. Серетарь ҡатын уны күрермен тип уйламағандыр ҙа, аптырап текләп ҡалды. - Йә, Нәйрә, мине онотмағанһыңдыр бит? - тип шат йылмайҙы Сара. - Юҡ-юҡ, Сара, - Нәйрә күҙҙәрен селт-селт йомоп йылмайған булды. - Хужағыҙ урынындамы? Әллә нисә тапҡыр үҙенә шылтыраттым, трубкаһын алмай, иҫән-һауҙыр бит? - Сара, һин эш буйынсамы? - Эйе, ҡайҙан беләһең? Әллә һиңә әйттеме? - тип һораны Сара етәксе кабинетына ымлап. Нәйрә тамаҡ ҡырҙы. - Ғирфан Рәсүлевич әле отпускыла. Шуға алмайҙыр телефонын. - Кем уның урынында? Инеп сығайым. - Сара, - тине шул саҡ Нәйрә ҡатынға ғәйепле ҡарап. - Мин һиңә аңлатайым әле... Ғирфан Рәсүлевич әле вакансия юҡ тип әйтергә ҡушты. Әгәр ҙә һин шылтырата ҡалһаң... Сараның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. - Аңламаным. Нәйрә аҫҡа ҡарап алды ла, ҡапыл башын ҡалҡытып һөйләй башланы. - Мин бер телефонды тоташтырғанда ишетеп ҡалдым. Элекке эшләгән урыныңдан шылтыраттылар. Һинең бер бала урлауҙа ҡатнашыуыңды һөйләнеләр. "Ул редакцияның имиджын ғына боҙасаҡ. Тилереп китһә, тыйып булмай", тинеләр. Сара, быны мин һиңә яҡын күреп кенә әйтәм, зинһар, мине һатып ҡуйма. Йөрәге урынынан ҡупҡан Сара үҙен ҡулға алды. Әкрен генә баш сайҡаны. - Бәлки, тилереп тә аламдыр, ләкин мин алдаҡсы, ике йөҙлө түгел, - шулай тине лә ҡабул итеү бүлмәһенән сығып китте. Кем уға аяҡ сала? Элекке мөхәрриреме? Шул ҡурҡаҡ әҙәм һаман булышамы? Сара Ғирфан Рәсүлевичтан эш һорап йөрөмәне, ул үҙе саҡырҙы, үҙе өмөтләндерҙе лә баһа. Шулай булғас, эшкә ала алмауын да үҙ теле менән әйтергә тейеш түгелме ни ул? Шайтаныма олаҡ, икейөҙлө түрә! Сара өйөнә күҙ йәштәренә быуылып ҡайтып инде. * * * -Һағындырҙың, бисәкәй! Вахтовик иренең өйгә ҡайтып инеү менән әйткән был һүҙҙәре Сараның йөрәген һыҙып үтте. Бер яҡтан, йән йәренә ышанғы килә, икенсе яҡтан, шик ҡорто уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. - Әллә миңә Себер сығып китергәме икән? - тине Сара. - Бергә булыр инек. - Ауыр эш, ирҙәр генә сыҙай. Мин торған урын ятаҡта икәнде беләһең. Эстәге шик һис кенә лә кәмемәне. "Ирҙәр генә сыҙай". Ысынлап та, шулаймы, әллә алдаштырыр өсөн әйткән буламы? Ҡороғор, Әлфиә тигән исем тел осонан китмәй ҙә ҡуя бит. - Бер нисек тә булмай шул, - тине Рауил үкенесле тауыш менән. - Их, һин бешергән ашты һағындым, - ире бишбармаҡ һалынған тәрилкәне үҙенә яҡыныраҡ шылдырҙы. - Бәлки, киреһенсә, унда рәхәтерәктер? - Кемгә оҡшаһын ҡар эсендә бикләнеп, быуылып ятыу? - Рауил ауыҙына килтергән итте ҡапмай, туҡтап ҡалды. - Нишләп улай тип һорай ҡуйҙың әле? - Ҡыҙыҡ, бөтәһе лә ҡайтырға атлығып торамы икән ундағыларҙың? Ҡай берәүҙәр икенсе ҡатын алып тора, тип тә ишеткәйнем. - Төрлө яҡтан йыйылған халыҡ, ҡайҙан бөтәһен белеп бөтмәк кәрәк. Әйткәндәй, бер шәп шағир менән таныштым. Беҙҙең яҡташ. Бына бер шиғырын телефонға күсереп алдым. - Ҡайҙа, күрһәт, һин аша-аша эҫе көйөнсә, - шулай тине лә, Сара иренең телефонын алып, икенсе бүлмәгә сығып китте. Шиғыр шәп. Мөхәббәт тураһында. Нишләп ире уны үҙенә күсереп алды икән? Сара адрестар менюһына инде. Юҡ, Әлфиә тигән исем юҡ! Улайһа, ҡайһы ир исеме аҫтында йәшеренгән? Сара һәр береһенә шылтыратып ултыра алмай! Ҡабат ире эргәһенә барып ҡунаҡланы. - Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙар бармы? - Күп түгел. Һин бөгөн әллә ҡалайһың. Уҫалһың, - тип көлөмһөрәне ире. Сара ихтыяр көсөн тупланы, ныҡ итеп тамаҡ ҡырҙы һәм үҙен ай буйы тынғыһыҙлаған, йоҡоларҙан яҙҙырған һорауын бирҙе. - Күптән танышһыңмы Әлфиә менән? Нисә йыл мине алдап йөрөйһөң, ә? - Кем тиһең? - Рауил һаңғырау кешеләй ҡатынына табан эйелде. - Сара! Был ни тигән һүҙ? Сара иренә тәкәббер ҡарап алды, яуап бирмәне. - Кем әйтте һиңә был исемде? - тип һораны Рауил. -Үҙе. - Әлфиә тураһында ла, Зөлфиә тураһында ла, Гөлфиә тураһында ла белмәйем. - Яҙған хаттарын йыйыштырып йөрөр инең. - Ниндәй хат тураһында һүҙ бара, Сара? Рауил уны, ысынлап та, бер аңра бәрән тип уйлаймы әллә? - Бына ошо курткаңдың кеҫәһендәге хат тураһында! - Сара Рауил алдында күк куртканы һелкесләне. - Тә-ә-әк, куртка... - Рауил ҡапыл йәнләнде. - Эйе, ҡайнаға алып торғайны курткамды. Сара күҙҙәрен ҡыҫып, ышанмаған ҡиәфәт менән иренә ҡарап алды: - Нимәгә уға һинең курткаң? - Теге ҡайҡанда беҙ ҡайнаға менән Питерҙа булдыҡ бит. Мине унда Илдар ағайың алып китте, бик яҡшы хәтерләйһеңдер. Тегендә ҡапыл һыуытты. Ҡайнаға сығып йөрөп килде, ә кеҫәнән хатын алырға онотҡан. - Нисек?.. - Әйтһәм әйтәйем инде, - Рауил ғәйепле ҡарап, төшөнкө тауыш менән дауам итте. - Ҡайнағаның тегендә... Ҡалайыраҡ әйтергә икән... Үҙеңдең ағайың да баһа, - Сара телһеҙ ҡалды, Рауил теләмәһә лә, һүҙен дауам итте. - Йәшлек мөхәббәте, тиһәм дөрөҫ үк булмаҫ... Шунда бер ҡатынға барып йөрөй. Әй, әттәгенәһе, тәки әйттерҙең. Ҡатынҡайым, берәү менән дә осрашҡаным юҡ. Теләгем дә юҡ. Аңланыңмы? Бир был хатты. Юҡ итәйек. Сара "Юҡ" тип баш сайҡаны. Нисек кенә булмаһын, хатты һаҡларға кәрәк. Ул кем өсөндөр ҡәҙерле, кем өсөндөр дәлил. Иренең ҡарашы бик етди, алдаған кешегә оҡшамаған. Уның һәр ҡыланышын белеп бөткән ҡатын нишләргә белмәне, башын баҫып, диванға барып ултырҙы. Аҙмы-күпмелер ваҡыттан ҡатындың эргәһенә Рауил килеп ултырҙы. Ҡосаҡлап үҙенә тартты. Сара башын уның күкрәгенә һалды. - Һин ысын. Һин яһалма түгел, - тине ир. - Яһалмалар ҙа буламы ни? Рауил баш ҡаҡты: - Була, уларҙы хатта ысындан айырыуы ҡыйын. Ләкин мин айыра белдем. Иренең яурынына башын һалған Сара бер нәмә лә өндәшмәне. Рауилдың тыныс, яғымлы тауышын ишетеү рәхәт ине уға. Эсендә йөрөгән ауыр бер йөктөң төшөп киткәнен тойҙо. Бер көндө, белепме, белмәйме, кейәүе юҡ саҡта, мул күстәнәстәр тейәп, Илдар ағаһы килеп инде. Сәй эскән арала һеңлеһенән яйлап ҡына хатты бирергә ҡушты. Сара аптыраған ҡарашын ағаһына төбәне, ирекһеҙҙән йылмайҙы. - Ағаҡайым, һинең тормошта бөтә нәмәң бар - һинең өсөн өлтөрәп торған еңгәбеҙ, аҡыллы балаларың күптән үҙаллы. Ә был бисура бисә арағыҙҙы боҙһа, үкенәсәкһең бит. Еңгәй һине ғәфү итерме? - Борсолма ағайың өсөн. Ҡатын минән дә шәп ир тапмаясағын белә. Яңғыҙ тороп ҡалғыһы килмәһә, шып-шым буласаҡ. Һиңә лә артығы кәрәкмәй. Судьялар донъяла нисәү генә, беләһеңме? - Шулай ҙа... - Ә балаларға килгәндә, һәр бала аҡсалы бай ата-әсәне ярата, - Ағаһының көлөүенән тәне сымбырлап китте. - Ҡурҡыныс кеше һин. - Аҡыл һатма, йәме. Илдар ағаһы артабан һүҙҙе ҡуйыртманы, хатты йомарлап кеҫәһенә тыҡты ла, хушлашып сығып та китте. Ағаһының шулай дорфа ғына яуап биреп сығып китеүенә йәне көйгән Сара байтаҡ ваҡыт үҙенә урын таба алманы. Рауилы хыянат иткән тип уйлап, үҙе саҡ аҡылдан яҙманы. Ә еңгәһе ишетһәсе? Күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Мәүсилә еңгәһе Илдарым тип өҙөлөп кенә тора. Ағаһының күп уңыштары еңгәйҙең фиҙаҡәрлеге менән бәйле - ғаилә мәшәҡәтен, балалар ҡарауҙы ул үҙ өҫтөнә алды. Ире әҙер ашҡа, йылы түшәккә генә ҡайта. Илдар кешеләрҙе хөкөм итә, бына үҙенең ҡылығын хөкөм итеүсе юҡ. Әллә Мәүсилә еңгәй Илдарҙың икенсе яҡта "йөрөп" ҡайтҡанын беләме икән? "Ҡатын минән дә шәп ир тапмаясағын белә", тигән ағаһы хаҡлымы әллә? Шулай уйланып йөрөй торғас, түҙмәне, еңгәһенә шылтыратып алырға булды: - Мәүсилә еңгәй, һин ни хәлдә? - Бикәсем онотмаған икән, тип ҡыуанып киттем әле, - тине алсаҡ еңгәһе. - Бына ағайың яратҡан былауҙы бешереп йөрөйөм. - Эше күп, һуң ҡайта, тиһеңме? - Эй-й, еңел түгел эше. Эше өйгә эйәреп ҡайта. Закондар, статьялар - бар һөйләгәне. Кеше яҙмыштары... - Шундай егәрле ирҙе ҡармаҡларға тырышҡандар юҡмы? - тип шаяртты Сара. - Уның беренсе ҡатыны мин булһам, икенсеһе - эше, - тип көлдө Мәүсилә. - Берәй кәңәш һорап шылтыратам әле, еңгәй. Минең Азалия тигән дуҫым бар. Ире менән бик татыу торалар, тик анау көнө иренең курткаһынан бер хат табып алған. Ниндәйҙер бер ҡатындың мөхәббәт хаты икән. Миңә хәҙер нимә эшләргә, тип әхирәтем миңә шылтыратты. Мин дә аптырап ҡалдым. Һин, еңгәй, беҙҙән олораҡ, тормош тәжрибәң бар, бындай хәлгә нимә тип әйтер инең? Ире менән ныҡ итеп талашһынмы, әллә белмәмеш булһын да ҡуйһынмы? Улай йәшәүе лә бик ауыр бит. Еңгәһе уфтанды. - Ҡуйсы-ҡуйсы, ҡалай ауыр хәлгә тарыған. Ҡыҙып китеп, берүк ҡорған донъяһын емерә күрмәһен. Ишеттеңме? Иң ҙур алйотлоҡ ҡыҙыу ҡанлылыҡ арҡаһында яһала. Ярһыу - ул эстәге зәһәр ут. Был ут эргә-тирәләге бөтә нәмәне яндыра ла ҡуя, ҡабат терелтеп булмай. Ире менән тыныс ҡына аңлашһын. Теге уйнаш бисәне лә күрергә кәрәк. - Нишләп уйнаш? - Һуң... Ғаиләне боҙорға йөрөгән бисә нишләп уйнаш булмаһын? Никах юҡ, кеше ирен аҙҙыра... Ул ҡатындың нисә ир менән йөрөгәнен әхирәтең белмәйҙер, тип уйлайым. - Аңланым, еңгәй, рәхмәт! Был хәл Сараға йән йәрен нығыраҡ баһаларға өйрәтте шикелле, иренә икенсе күҙ менән ҡарай башланы, бүтән ваҡыттағыға ҡарағанда, наҙлыраҡ, яғымлыраҡ булды... (Дауамы бар). КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 638 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Ошо көндәрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бер төркөм тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Эше лайыҡлы баһаланды Был сарала райондашыбыҙ, Иҫке Монасип ауылының крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фәнил Фәрит улы Көнәфин да ҡатнашып, республиканың агросәнәғәт комплексы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн республика башлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 45-се һанында уҡығыҙ. Автор:Ә. ЮЛСУРИНА. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Иртәгә, йәғни 30 октябрҙә «Өфө-Арена» боҙ һарайында иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 21-00 сәғәткә тиклем «Минең бизнесым» тигән эшҡыуарлыҡ форумы үтәсәк. Сара «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын яҡлау сиктәрендә үткәрелә. Ойоштороусылар – БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитеты һәм «Синергия» университеты Форумда 3 мең тирәһе кеше ҡатнашасаҡ. https://sterlegrad.ru/str/117162-v-sterlitamake-proyd. аша белешмә алырға була. октябрҙә #Нацпроекты #Региональныепроекты Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением. ОК «Урал ғына тауҙың, ай, башында Урай-урай үҫкән бер ҡурай...» (Башҡорт халыҡ йыры) Ҡурай — башҡорт халҡының данлыҡлы һәм популяр уйын ҡоралы. Ул халҡыбыҙҙың символы һәм ғорурлығы ғына түгел, милли бренды ла. «Ҡайҙа башҡорт, шунда ҡурай», — ти халыҡ әйтеме. 2018 йылда ҡурай Федераль интеллектуаль милек хеҙмәте патентын алды һәм рәсми рәүештә Башҡортостандың территориаль бренды булып теркәлде. Брендты теркәү идеяһын күренекле ҡурайсы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Азат Айытҡолов тәҡдим иткән. Шул ваҡыттан алып ошо тынлы музыка ҡоралының тап Башҡортостанда килеп сыҡҡанын раҫлаған бик күп архив материалдары һәм документтар тупланған. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан гимнын башҡарғанда ҡурай моңо яңғырай (көйөн Фәрит Иҙрисов яҙған). Шулай уҡ республиканың дәүләт символдарында ла – гербта һәм флагта ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән. Азат Айытҡолов, Башҡортостандың халыҡ артисы: «Мин башҡорт, башҡорт булып тыуғанмын, башҡорт булып үлермен. Ғүмерем буйына ҡурайға хеҙмәт итермен. Уның ярҙамында мин донъя менән аралашам. Беҙгә килеп еткән бөтә халыҡ йырҙары – тарихи, барыһының да үҙенең энергетикаһы һәм аураһы бар, береһе икенсеһенә оҡшамаған. Шуға күрә уларға һаҡсыл ҡарайым һәм ҡурайҙа уйнағанда көй аша донъяға башҡорттар хаҡында һөйләргә тырышам. Был – үҙем сығыш яһаған концерттарымдың мотлаҡ өлөшө. Музыка, бигерәк тә халыҡ көйҙәре өсөн һүҙҙәр кәрәкмәй, иң мөһиме, ысын күңелдән уйнау һәм һөйләү. Ҡайһы берҙә үҙем өсөн генә уйнайым – репетиция түгел, ә медитация тип әйтергә мөмкин, был кешене ныҡ тынысландыра һәм уйҙарҙы тәртипкә килтерә». Ҡурайсы әйтеүенсә, башҡорт халыҡ йырҙарының тарихи дөрөҫлөгөнә килгәндә, был бик асыҡ күренә. Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуңғы осорҙо ғына алайыҡ, башҡорттар рус ғәскәрҙәренең бөтә хәрби походтарында тиерлек ҡатнашҡан. Уларҙың күбеһе «Һыр», «Байыҡ», «Ҡаһым түрә», «Любизар», «Порт Артур» һәм башҡа халыҡ йырҙарында сағылыш тапҡан. «Ошо йырҙарҙың көслө тетрәнеүҙәрҙән һуң тыуғанлығы аңлашыла. 1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында башҡорттар Парижға тиклем барып еткән. Бындай походтарҙа ҡурайсылар ҙа ҡатнашҡан, юғиһә был көйҙәр беҙгә килеп етмәҫ ине. Тарихта башҡорттарҙың дошман самолеты деталдәренән ҡурай яһау осраҡтары ла билдәле. Был инде Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған», – тип һөйләй ҡурайсы. Ҡурай уйнаған кешенең тыны оҙон, тын юлдары иркен, күкрәге киң. Был үпкәләрҙең һаулығына килтерә. Ҡурайсылар, тын юлдарына һалҡын тейҙереп ауырыһа, тиҙ һауыға. Тәмәке тартыу, киреһенсә, үпкәләрҙе зарарлай, шуға күп ҡурайсыларҙың ундай алама ғәҙәте юҡ. «Ҡурай, ниндәй генә ябай булып күренмәһен, барыбер бөтмәҫ-төкәнмәҫ сер һаҡлай үҙендә. Уның моңо, тауышы илаһи көс-ҡөҙрәткә эйә. Ҡурайсы моңо менән кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарып ҡалған, ҡайғылының ҡайғыһын баҫҡан, тип раҫлай риүәйәт. Башҡорттар үҙҙәренең оҙон һәм ауыр тарихи юлдарын йыр, ҡурай менән бергә үткәргән», – тип яҙҙы арҙаҡлы ғалим, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр. Ҡурайҙың тарихы Ҡурай – бик боронғо уйын ҡоралы. Башҡорттарҙың «Аҡбуҙат», «Ҡара юрға», «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек эпостарында ҡурайҙың телгә алыныуы – быға асыҡ дәлил. Ҡурайҙың килеп сығышы хаҡында халыҡ риүәйәттәренең береһендә мөгөҙлө яуыз хан тураһында һөйләнелә... Был сер халыҡҡа таралмаһын өсөн, хандың башын ҡырған бер егет юҡ ителгән. Осраҡлы рәүештә иҫән ҡалған егет бик алыҫҡа, әҙәм аяғы баҫмаған ергә алып барып ташланған. Бейек тау башында ул һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын ишетеп ҡалған. Егет үләнде ҡырҡып алған һәм уйнап ебәргән. «Башкиры в Заграничном походе». Сергей Петров Бәлки, тап шуғалыр ҙа ҡурайсыларҙы халыҡтың күңелен асыусы ябай музыканттар ғына түгел, ә тарихты һаҡлаусылар тип иҫәпләү ҡабул ителгәндер. Халыҡ көйҙәренең тарихын башҡаларға матур итеп һөйләй белеү ҙә бик мөһим. Башҡорттар һүҙҙең һәм көйҙөң көсөн яҡшы белгән, шуға күрә йыйындарҙа ҡурайсылар һәм сәсәндәр иң абруйлы урындарҙы биләгән. Ҡурайҙа уйнау серҙәре быуындан быуынға тапшырыла килгән. Арҙаҡлы һүҙ оҫталары – сәсәндәр ҙә ҡурайҙа һыҙҙырған. 102 йәшлек Байыҡ сәсән Париждан еңеү менән ҡайтҡан башҡорт яугирҙарын ҡурайҙа үҙе сығарған көйҙө уйнап ҡаршы алған. Был көй «Байыҡ» исеме менән беҙҙең көндәргә килеп еткән. Ҡурайҙың үҙенә генә хас тембры бар. Уны башҡа уйын ҡоралы менән бутау мөмкин түгел. XIX быуат аҙағында уҡ «Рус музыка гәзите»ндә рус этнографы Сергей Рыбаков былай тип яҙған: «Был уйын ҡоралынан ағылған моң шул тиклем талғын һәм эскерһеҙ: башҡорт көйҙәренең илаһилығын тулыһынса асып биреү көсөнә эйә. Ҡурайға поэтик яңғырау, эпик юғарылыҡ, йомшаҡ тембр хас». Ҡурай яһау Ҡурайға оҡшаш тынлы уйын ҡоралдары бөтөн донъяла таралған, ләкин башҡорт ҡурайының Башҡортостандың милли уйын ҡоралы һәм бренды тип иҫәпләргә мөмкинлек биргән үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Традицион уйын ҡоралы ҡурай үләненән эшләнә. Уның һабағының оҙонлоғо ике метрға яҡын. Үҫемлек июлдә сәскә ата, август-сентябрь айҙарында кибә башлай, ошо ваҡытта уны ҡырҡып алалар һәм ҡараңғы урында һаҡлайҙар. Тау итәгендә үҫкән ҡурай һыу буйында үҫкән ҡурайға ҡарағанда моңлораҡ һәм нығыраҡ була, тип иҫәпләнә. Бер нисә тиҫтә йыл элек кенә һәр ҡурайсы үҙ уйын ҡоралын үҙе яһаған. Беҙҙең көндәрҙә музыканттар ҡурайҙы йышыраҡ стандарт оҙонлоҡта, йәғни һигеҙ тотамлы итеп эшләүҙе хуп күрә. Ҡурайҙың осонан дүрт бармаҡ ҡуйып үлсәгәс, тәүге уйымды уялар, ҡалған уйымдарҙың араһы – өсәр иле. Бишенсе уйым дүртенсеһенән дүрт иле аралыҡта һырт яҡта уйыла. Уйымдар араһы дөрөҫ булғанда ғына, ҡурай яңғырауыҡлы, моңло һәм тәбиғи тембрлы була. Уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайҙар. Ҡайһы бер ҡурайсыларҙың коллекцияһында хатта йылан тиреһе кейҙерелгән ҡурай бар. Был – ҡурайҙы матур итеп һаҡлау алымдарының береһе. Музейҙарҙа тимерҙән эшләнгән ҡурайҙар ҙа осрай. Улар хәрби поход шарттарында ҡулланылған. Борон көмөш йәки хатта еҙ ҡурай хужаһы булыу ҙур мәртәбә һаналған. Бөгөнгө көндә халыҡ араһында ағас шпондан эшләнгән ҡурай киң таралған. «Ә бына ошо таҡыя башлы ҡырлы, быуынһыҙ, эстән шып-шыма көпшә – нәҡ Урал ҡурайы, беҙҙең яҡтарҙа үҫер наҙлы бер һабаҡ», – Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, профессор Ғайса Хөсәйенов музыка ҡоралына ошондай билдәләмә бирә. Ҡурай яһау оҫталары Үлән ҡурайға ихтыяж бик ҙур, ләкин республикала музыкаль үләнде яһалма үҫтереү яйға һалынмаған. Әммә ҡурайсылар быға артыҡ борсолмай. Улар уйын ҡоралын яһау өсөн башҡа тәбиғи материалдарҙы файҙалана. Ҡурай яһаусыларҙың береһе – күренекле милли музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Рәсәй рухы» премияһы эйәһе Вәкил Шөғәйепов (1936–2017). Милли музыка ҡоралдарын яһаған һәм реставрациялаған өсөн уны «башҡорт Страдиварийы» тип йөрөттөләр. 1981 йылда ул йышылған шпондан ҡурай эшләүгә тотонған. Асышына патент алғас, ҡурайҙы күпләп яһай башлаған. Вәкил Шөғәйепов улай ҙа тәбиғи үләндән яһалған ҡурайҙың тауышын бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел, тип иҫәпләй Хәйбулла районынан профессиональ ҡурайсы һәм оҫта Риф Дилмөхәмәтов. Оҫтаның атаһы ла, олатаһы ла ҡурай тартҡан. Ә уның яҡын туғаны Ишмулла Дилмөхәмәтовтың исеме бар донъяға билдәле. Рифте ҡурай ҡырҡырға улар өйрәткән. Бөтә уҡыусыларының да ҡурайы булмау сәбәпле, ул уйын ҡоралын күпләп яһарға ҡарар иткән һәм шәхси эшҡыуар булып киткән. Маҡтап ҡурай уйнаһам, Бөтмәй ҙә торған көй булыр. Данлап йырым йырлаһам, Бөтмәй ҙә торған йыр булыр... (Салауат Юлаев) Ҡурайҙа уйнау технологияһы Ҡурай – башҡорт халҡының тынлы музыка ҡоралы, флейта менән оҡшашлығы бар. Уның ҡылғанлы киң далалар һәм мөһабәт тауҙар тыны менән сорналған кеүек тәрән, хайран ҡалдырғыс моңо тыңлаусының йөрәгенә үтеп инмәй ҡалмай. «Ҡурай – үҙенең тембры менән кешенең тауышына ныҡ яҡын булған берҙән-бер инструмент. Унда уйнау – тын алыу практикаһы ла, шул рәүешле кеше Ғаләм менән гармонияға инә. Ҡурай уның менән шөғөлләнеүсе лә, тыңлаусы өсөн дә бик файҙалы. Бер тауыш флейтала уйнаған һымаҡ уйнала, икенсеһе йырлана. Һөҙөмтәлә ҡыҙыҡлы ғына күп тауышлылыҡ килеп сыға, һәм хатта ҡайһы бер урындарҙа өс тауышҡа тиклем бүленә. Шуға күрә ҡурайҙың һүрәтләү һәләте ҙур – нескә лириканан драмаға, патриотик пафосҡа тиклем», – ти популяр ҡурайсы һәм «Ҡурайсы» ансамбле етәксеһе Роберт Юлдашев үҙенең бер интервьюһында. Роберт Юлдашев һәм Эрик Муке Виртуоздар ҡурай уйнағанда тәбиғәт тауыштарын – төрлө ҡоштар тауышын, ел иҫкәнен һәм башҡа тауыштарҙы ла ишетергә мөмкин. Шулай уҡ ҡурайсылар йыш ҡына ҡушылып өзләп тә ебәрә. Өзләй белгән ҡурайсы юғары класлы оҫта тип һанала. «Ҡурай – ябай уйын ҡоралы, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Эйе, был шулай, сөнки "ябайлыҡта – бөйөклөк", тиҙәр бит. Уның бер ҡатмарлығы ла юҡ, ләкин музыка һәм башҡарыусы ярҙамында ул бөйөккә әүерелә. Беҙ ҡурайҙы үҫтермәйбеҙ, ә, киреһенсә, ҡурай менән беҙ үҫәбеҙ һәм ижади яҡтан үҫешәбеҙ», — ти Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы мөдире Артур Ғайсаров. «Ҡурайҙың башҡа үҙенсәлеге ла бар, профессионалдар телендә ҡурай – диатоник инструмент. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, уның ҡара баҫмаҡтары юҡ, бөтәһе лә аҡ. Быны нотаға күсерһәк, беҙҙә до, ре, ми, фа, соль, ля була. Беренсе октавала си нотаһы юҡ, ләкин икенсе октавала си нотаһы барлыҡҡа килә. Шуға күрә тулы диатоника алабыҙ, шунлыҡтан ҡурайҙың си нотаһы юҡ тип әйтеү хата. Беренсе октавала етенсе баҫҡыс юҡ тип әйтеү дөрөҫөрәк була», – тип аңлата музыкант. Рәсәйҙең халыҡ артисы Ирма Яунзем ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында: «Селтәрҙе хәтерләткән башҡорт моңо уның башҡарыуында иҫ китерлек матур биҙәктәр төшөрҙө, ул икһеҙ-сикһеҙ даланы ла, һабан турғайы моңон да, ҡыҙыу ҡояшты ла хәтерләтеп, ҡолаҡты иркәләне... Был гүзәллектән айырылыу мөмкин дә түгел!» – тигән. Арҙаҡлы ҡурайсылар Үҙенең күп быуатлыҡ тарихына ҡарамаҫтан, ҡурай – Башҡортостанда иң боронғо һәм иң популяр музыка ҡоралы. 1998 йылда Өфөлә Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы ойошторола, 2016 йылда ул Рәсәйҙең Ҡурайсылар союзы тип үҙгәртелә. Ойошманың маҡсаты – милли инструменталь ижадты һаҡлау һәм үҫтереү, музыканттарға ярҙам күрһәтеү. Әле союзда 150 ҡурайсы иҫәпләнә, етәксеһе – Артур Ғайсаров. Хәҙерге ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Кәрим Дияров, Ғата Сөләймәнов, Мөхтәр Батталов, Хәбир Байтимеров, Әҙеһәм Исҡужин кеүек уҙған быуат ҡурайсыларының башҡарыу сәнғәте традицияларын ҡәҙерләп һаҡлай. 1925 йылда Францияла Йомабай Иҫәнбаев менән булған хәл һаман да телдән телгә тапшырыла килә. Ҡурайсы бер төркөм артистар менән Парижға барған. Үҙе менән тамыры, һабағы булған ҡурай үләнен дә алған. Сығыш яһарға сираты еткәс, музыкант, сәхнәгә сығып, тамашасылар алдында ҡурай яһаған һәм башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ебәргән. «Байыҡ» көйөн уйнай башлағас, бер ханым ҡулындағы алтын балдағын сисеп, ҡурайсының бармағына кейҙергән. Ишмулла Дилмөхәмәтов XX быуатта башҡорт халҡының яратҡан ҡурайсыһы булған һәм ҡурайҙа уйнау виртуозы тип танылған. Ҡурайҙа боронғо оҫта ҡурайсылар кеүек өзләп уйнауҙы тергеҙеү уның ижады менән бәйле. Күренекле музыкант һәм педагог Ғата Сөләймәнов ҡурайҙы тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Ул 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класын асып, башҡарыу кимәлен яңы, профессиональ бейеклеккә күтәргән. Халыҡ музыка ҡоралында уйнау теорияһына һәм методикаһына нигеҙ һалған. Һуңынан ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү буйынса уҡыу әсбабы баҫтырып сығарған. Хәҙерге көндә Ришат Рәхимов, Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Ишморат Илбәков, Рәмил Ғәйзуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев һәм башҡалар ҡурайҙа виртуоз уйнаусылар тип һанала. Роберт Юлдашев етәкселегендәге «Ҡурайсы» ансамбле донъяның бик күп сәхнәләрендә, шул иҫәптән билдәле «Ла Скала» театрында һәм Мәскәүҙә Кремль һарайында сығыш яһаған. Музыкант Владимир Спиваков, Николай Носков, Гарик Сукачев, Пелагея кеүек артистар һәм сит ил йондоҙҙары менән хеҙмәттәшлек иткән. Ул Мәскәүҙә Францияның Deep Forest төркөмө лидеры Эрик Муке менән бергә сығыш яһаған. Коллектив Рәсәйҙә тәүге тапҡыр башҡорт фольклоры мотивтары буйынса яҙылған Brassy Sunrise («Медный рассвет») композицияһын тәҡдим иткән. Проект ике йыл самаһы элек, Эрик Муке Башҡортостанға «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә килгән саҡта, уйланылған. Left Right Ҡурайға һәйкәл Башҡортостанда ҡурайға ике һәйкәл ҡуйылған. Уларҙың береһе – Баймаҡ районының Төркмән ауылы янындағы Туғажман тауында. Мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан 1993 йылда асылған. Эскиз авторы һәм эште ойоштороусы – урындағы үҙешмәкәр рәссам Миҙхәт Байрамғолов. Тимерҙән эшләнгән 15 метрлыҡ һәйкәлдең 19 тажы бар. Автор әйтеүенсә, һәр таж ошо төбәктә тыуған 19 күренекле ҡурайсыны символлаштыра. Милли уйын ҡоралына бағышланған тағы бер мәҙәни объект – ҡурайсы егет һыны Өфөнөң «Искра» кинотеатры янында урынлашҡан. Һәйкәлдең авторы – Маргарита Александровна Соловьева-Ефимова. Башҡорт опера һәм балет театры скверында композитор Заһир Исмәғилевкә ҡуйылған һәйкәлдә лә башҡорт халҡының ҡурайға сикһеҙ һөйөүе һәм ихтирамы сағылдырылған. Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһы майҙансығында ла ҡурай сәскәһе рәүешендә эшләнгән арт-объект бар. Left Right Подготовила Альфия Аглиуллина Видео ГТРК Башкортостан, Мирон Доровских Фото Олег Яровиков, Валерий Шахов, «Башкирская энциклопедия» Верстка Рената Вахитова 16.09.2019 Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан © ГУП РБ Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой, авторы, 2019 г. Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Пользовательское соглашение Политика использования cookie {"0":{"lid":"1531306243545","ls":"10","loff":"","li_type":"nm","li_name":"Тема ","li_title":"Тема ","li_req":"y","li_nm":"Тема "},"1":{"lid":"1531306540094","ls":"20","loff":"","li_type":"em","li_name":"Е-mail для связи","li_title":"Е-mail для связи","li_ph":"mail@example.com","li_req":"y","li_nm":"Е-mail для связи"},"2":{"lid":"1578487325957","ls":"30","loff":"","li_type":"ta","li_name":"Обращение","li_title":"Обращение","li_req":"y","li_rows":"2","li_nm":"Обращение"}}
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хирургы Эмин Усубов коллегалары менән Ишембайға килгән. Бер көндә ул 56 кешенең күреү һәләтен яҡшыртҡан. Бынан алда уның коллегаһы Ринат Ҡаҙаҡбаев 50 операция эшләп, рекорд ҡуйғайны. Башҡортостаным|яңылыҡтар тѳркѳмѳнән. Фото: vk.kom Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өмөт-хыялдарығыҙға яҡты юл асҡан Асҡын еренә тоғро хеҙмәт итеп, булдыҡлы етәксе, оҫта ойоштороусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ябай һәм кешелекле булыуығыҙ менән районда ихтирам ҡаҙандығыҙ. Ихлас булмышығыҙ, бай тормош тәжрибәгеҙ артабан да Һеҙҙе белгән һәм ихтирам иткән ауылдаштарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ һәм барлыҡ яҡындарығыҙ именлегенә хеҙмәт итһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ! Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, шулай ышаныслы кешеләр, яҡын туғандар, балаларығыҙ, һөйгән йәрегеҙ менән оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер итергә яҙһын! Бөтә әйтелгән теләктәр ҡабул булһын. Изге көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ, Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр, Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын, Яҡын кешеләрегеҙ – имендәр. Үргә атлар өсөн көсөгеҙ артһын, Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен, Күңелдәрҙә булған бар теләктәр Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен. Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” төбәк гәзите коллективы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Силәбенән килеп, Сибайҙа ит һатыусы сирле менән бәйле шау-шыу дауам итә. Яңыраҡ ит һатыусыларҙың береһенең 6 айлыҡ ейәненең сир йоҡтороуы билдәле булды. Силәбенән килеп, Сибайҙа ит һатыусы сирле менән бәйле шау-шыу дауам итә. Яңыраҡ ит һатыусыларҙың береһенең 6 айлыҡ ейәненең сир йоҡтороуы билдәле булды. Һуңғы арала Башҡортостанда сирлеләр теркәлгәне юҡ, шуның өсөн властар тәртипте бер аҙ йомшартты. Шуның һөҙөмтәһелер, урамда хәҙер машиналар күберәк күренә. Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында, ихтыяж тыуған осраҡта, автомобилдәр менән хәрәкәт итергә мөмкин, тиелде. Башҡортостанда 974 предприятиеға үҙҡамау шарттарында етештереүгә тотонорға рөхсәт ителгән. Сирҙең һис уйламаған ерҙән килеп сығыуы ихтимал. Мәҫәлән, бер нисә көн элек Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 80 йәшлек әбей вафат булған. Аҙаҡ уның коронавирус менән сирләүе асыҡланған. Хәҙер мәрхүмәне дауалаған табиптарҙы һәм улар аралашҡан яҡындарын дауаларға кәрәк. Республикала үҙҡамау тәртибе ошо аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Манный ярмаһына 1 стакан йылы һыу ҡойоп, 20 минуттай бүрттерергә. Шунан ваниль шәкәре, шәкәр, тоҙ, май өҫтәргә. Он менән какаоны, ҡамыр ҡабартҡысты айырым һауытта бутарға һәм барыһын бергә ҡушып, яҡшылап болғатырға. Араһына үҙегеҙ теләгән берәй ваҡ емеште ҡушып ебәрергә лә мөмкин. Ҡамырҙы үҫемлек майы менән майланған табаға ҡойоп, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә 40 минут бешерергә. Әҙер манниктың өҫтөнә шәкәр пударһы һибергә йәки шоколадлы глазурь менән буярға мөмкин. Тәмле булһын! Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Нуриман районының Красная Горка ауылында Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре стилендә туй тантанаһы уҙған. 2 августа Руслан Ғәлиев һәм Регина Кәлимуллина өйләнешкән. Руслан әрмелә десантсы булып хеҙмәт иткән, туй көнө 2 авгусҡа тура килгәс, уны ВДВ рухында үткәрәйек тигән. Буласаҡ кәләше ҡаршы килмәгән. Уға зәңгәр фаталы милитари стилендә күлдәк теккәндәр, Руслан иһә "дубок"камуфляжлы ялан формаһы, зәңгәр берет, тельняшка кейгән. Хәҙер был икәүгә 2 август ВДВ көнө лә, туй көнө лә булараҡ хәтерҙә ҡаласаҡ. Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ Фото: ИА "Башинформ" http://www.ye02.ru/online/18002-nurimanda-vdv-stilend-tuj-tkn.html Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Үткән йомала район Хакимиәтендә Әсә көнөнә арналған ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте. Унда гүзәл заттарҙың район үҫешенә индергән өлөшө, өлгәшелгән ҡаҙаныштары, балалар тәрбиәләүҙә тормош тәжрибәһен нисек ҡулланыуҙары, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәү кәрәклеге тураһында бәйән ителде. Үткән йомала район Хакимиәтендә Әсә көнөнә арналған ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте. Унда гүзәл заттарҙың район үҫешенә индергән өлөшө, өлгәшелгән ҡаҙаныштары, балалар тәрбиәләүҙә тормош тәжрибәһен нисек ҡулланыуҙары, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәү кәрәклеге тураһында бәйән ителде. Сараны асып, район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин төрлө ауылдарҙан килгән күп балалы әсәләрҙе, урындағы хакимиәт вәкилдәрен, район йәмәғәт ойошмалары активистарын, социаль хеҙмәттәр белгестәрен ысын күңелдән ҡотланы. — Бөгөн Көйөргәҙелә 12 меңдән артыҡ ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Уларҙың күбеһе әүҙем тормош алып бара, районыбыҙ тормошонда әүҙем ҡатнаша: 3 гүзәл затыбыҙ Район Советы депутаты, 43-ө ауыл советтары депутаттары бурысын башҡара, 4 ҡатын-ҡыҙыбыҙ ауыл хакимиәте башлығы. Бәләкәй эшҡыуарлыҡта гүзәл заттарҙың һаны 23 процентҡа еткән, 85 проценты педагогтар, 77 проценты медицина өлкәһендә хеҙмәт итә. Районыбыҙҙа 399 күп балалы ғаилә дәүләт ярҙамы менән файҙалана. 97 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Бөгөн байрам унайынан шундай Республика бүләге менән Киров исемендәге хужалыҡта эшләүсе Нәзирә Нәүғәт ҡыҙы Ишбирҙина һәм Лариса Анатольевна Сидорова бүләкләнде. Әммә көндәлек тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл, тип әйтеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Район үҙәк поликлиникаһының нарколог кабинетында «хроник алкоголизм» диагнозы менән 105 гүзәл затыбыҙ иҫәптә тора. 49 ауыр ғаиләлә 119 бала тәрбиәләнә. 4 ата-әсә балаларын тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Бөгөнгө көндә 8 үҫмер социаль приютта тәрбиәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләре иҫән булһалар ҙа, улар етемдәр. Кешенең беренсе тәрбиәсеһе лә, уҡытыусыһы ла — әсә. Ғаиләнең төп мәғәнәһе һәм маҡсаты — балалар тәрбиәләү. Беҙҙе һуңғы ваҡытта ғаиләләрҙең тарҡалыуы хафаға һала. 92 никахҡа 74 айырылышыу тура килеүе, ысынлап та, уйландырырлыҡ. Айырылышыуҙарҙың төп сәбәптәре булып эскелек, характерҙарҙың тура килмәүе, хыянат итеү тора. Ә бит, саҡ ҡына тарихҡа күҙ һалһаҡ, беҙҙең ата-әсәләр һуғышты ла, аслыҡты ла, башҡа ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡҡан, ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Урындарҙағы әхлаҡһыҙлыҡ күренештәренә ҡаршы бергәләп көрәшеү мөһим. Был эштә төп ролде ҡатын-ҡыҙҙар советтары, йәмәғәт ойошмалары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы ойошмалары, ветерандар советы, милли мәҙәни ойошмалар башҡарырға тейеш. Беҙ һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә ҡарата ирҙәре, балалары, яҡындары тарафынан иғтибарлыҡ, хәстәрлек тойһон өсөн ынтылырға тейешбеҙ. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Барлыҡ ауырлыҡтарға ла ҡарамайынса, һеҙ тырышып эшләйһегеҙ, яуаплылыҡ күрһәтәһегеҙ, түҙемлеһегеҙ һәм үҙ бурысығыҙҙы аңлайһығыҙ. Былар барыһы ла оло хөрмәткә лайыҡ. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Тәрән мәғәнәгә лайыҡ ошондай сығышынан һуң Нәүғәт Кәлимулла улы районыбыҙҙың өлгөлө әсәләренә район Хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы. Байрамда шулай уҡ ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина, залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Вера Фросина ла әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Форумда ҡатнашыусыларға район дауаханаһының акушер-гинекологы Альмира Ғабдуллованың мәғлүмәттәре, изге кәңәштәре лә файҙалы булды. Сара районыбыҙ артистарының моңло йырҙары менән үрелеп барҙы. Автор фотоһы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Ашар өсөн йәшәмә, йәшәр өсөн аша, тиһәләр ҙә, көн дә ашау тураһында уйламай булмай. Әле икмәге кәрәк, әле ите бөтөп китә. Аҡсаңды ҡулыңа төйнәп тотоп алаһың да, магазинға сабаһың. Барып инәһең дә, хаҡтарҙың күтәрелеүенә бер аптырап, бер уфтанып алғас, ҡайҙа бараһың, пакетыңды тултырырға тотонаһың. Яңы йыл аҙыҡ-түлектең хаҡтарына ла үҙ төҙәтмәләрен индерҙе шул. Һатыусылар яйлап ҡына икмәккә лә хаҡты арттырып ҡуйған. Был осорҙа әфлисун, алма, ҡыяр, помидор кеүек йәшелсә, емеш-еләктәр «танауын сөйөп ҡуя». Балыҡ менән тауыҡ ите лә шаҡ ҡатырып ала, бер көн барһаң бер хаҡ, икенсе көнгә икенсе. Ә йомортҡа тураһында әйтеп тораһы ла түгел - тауыҡтар был ваҡытта, әйтерһең дә, «алтын» һала. Әлеге көндәге аҙыҡ-түлек хаҡтары менән ҡыҙыҡһынып, ҡалабыҙ магазиндарындағы (супермаркеттарҙағы түгел) икмәк, ит, еләк-емеш, йәшелсә һәм башҡа тауарҙарға күҙ һалдыҡ. икмәк 20-23 һум он (ю/с) 28 һум дөгө 55 һум макарон изделиелары 30 һум ҡарабойҙай 35 һум шәкәр 42-44 һум йомортҡа (10 дана) 63-79 һум һөт 34 һум һыйыр ите 250-350 һум фарш 300 һум тауыҡ 165 һум тауыҡ бото 150 һум көмрө балыҡ 172 һум минтай 157 һум картуф 30 һум кәбеҫтә 30 һум кишер 35 һум һуған 30 һум әфлисун 90-120 һум алма 80-90 һум хөрмә 90-100 һум P.S. Рәсәйҙә ялған тауарҙар күберәк һатыла башлаған. Законһыҙ сауҙа исемлегендә беренсе урында ҡаты спиртлы эсемлектәр тора. Алкоголь баҙарында һатылғандың 40 проценты ялған, тип иҫәпләгән эксперттар. Йәшерен урын-дарҙа тегелгән кейем-һалым да күп әле, һатылғандың 35 процентын алып тора. Шулай уҡ косметиканың 20 проценты законһыҙ етештерелгән тигән мәғлүмәттәр бирә «Юғары иҡтисад мәктәбе» аналитиктары.
Бөтә Рәсәй "Хәтер баҡсаһы" акцияһында башҡортостандар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Нуриман районында 250 төп ҙур үлсәмле шыршы ултыртҡандар. Был хаҡта Нуриман урман хужалығы директоры Азамат Нурғәлин һөйләй. Бөтә Рәсәй "Хәтер баҡсаһы" акцияһында башҡортостандар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Нуриман районында 250 төп ҙур үлсәмле шыршы ултыртҡандар. Был хаҡта Нуриман урман хужалығы директоры Азамат Нурғәлин һөйләй. Нуриманда ағас ултыртырға байтаҡ халыҡ килгән. Унда Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев, Нуриман район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиков, республика лесничестволар идаралығының Нуриман лесничество бүлеге, Нуриман урман хужалығы, Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе район-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре, муниципаль органдар вәкилдәре, ирекмәндәр ҡатнашҡан. Урман хужалығы етәксеһе әйтеүенсә, акция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнала, киләһе сара 15 майға билдәләнгән. Нуриман лесничествоһында "Экология" милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү һәм ишәйтеү буйынса планлы эштәр ҙә дауам иттерелә. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
ХикәйәтИскәндәр ыңғырашты, битен һөртөп ҡуйҙы. Эйе, ул бабайҙар иҫендә. Айыу көсө етмәҫ әзмәүер Искәндәрҙе арҡан менән бәйләп урап һалып кәрәген бирҙеләр. Бына тағы Фазылйән бабайҙың аҡ һаҡаллы йөҙө, нәфрәт утынан сатнап торған зәһәр күҙҙәре килеп баҫты. Әллә уның йәне минең менән һөйләш­кәнме әле? Бына тағы һөйләнә: «Ҡоторҙоң. Үҙ өйөңдә күҙеңә теләһә ни, теләһә ниндәй ир күрһәтерлек, йән һөйгән Камиләң ен ботағы итеп күренерлек нәмә яһап әмәллә­гәйнеләр, эсергәйнеләр. Һәм һин ҡышҡы сатламала, төнөн Камиләңде сисендереп ҡарға быраҡтырҙың! Юҡ, улай ҙа туҡтаманың. Ике әшәке бисә биргән боҙомдан шаштың, ысҡындың... Ә беләһеңме улар ҡайҙа әле? – Ҡайҙа улар, ҡайҙа?! Әллә бында киләләрме?! – Искәндәр һиҫкәнеп был шәүләгә текәлде… – Эй, мәхлүк, һин... аңра кеше. Улар сирҡаныс, ҡәберең яҡын булмаһын. Улар әлегә тере, тере кешеләр. Тик тиҙҙән береһе һөйәге сереп ятып үлер, икенсеһен яман шеш ыҙалатасаҡ... Әхирәткә барғас, береһе буҡлы эсәген һурып улты­расаҡ, икенсеһе ҡыҙған табала һөйәгенә тиклем көйөр, тағы ит үҫер, тағы көйөр. Бына ни яҙған уларға. Бына уларҙың мәңгелеккә алған язалары». Искәндәр уҡшый, ҡоҫаһы килеп үрһәләнә башланы, башы әйләнде, тағы әсе хәмер йотто… Был аҡ шәүлә һаман һөйләй, һаман. Ул бит был нәмәләрҙе ҡай­ҙалыр ишеткәйне. Ә-ә-ә, ҡартинәйе лә шулай һөйләгәйне... Иҫендә: «Уларҙың унда ҡәберҙән аҡыры­шыуын зиһенле муллалар ишетер, һиҫкәнер, ҡара тиргә батып төнөн уяныр. Тәһәрәтләнеп, йәһәт доғаға ултырыр. Улар, әшәкеләр, шулай ярҙам һорап киләләр икән. Ә тәүбә ҡапҡаһы ябыҡ бит, ниндәй мулла, ниндәй әҙәм улар өсөн Аллаһтан ҡурҡмай доға уҡыр!? Аллаһты асыу­ландырып, ауыҙ бысратып?! Кем улар өсөн ярлыҡау һорар. Күпме яҙмыш боҙолған, күпме ғүмер зая киткән шул хәшәрәттәр арҡаһында? Уларҙы ярлыҡау – гонаһ! Тәүбә ҡапҡаһы ябыҡ уларға!» – Мин… Кем булам? Кем! – Һинме. Һинең ыҙғырыр көнөң алда әле! – Мин бит былай ҙа яза алдым! Миңә бит күпме күрһәтте Хоҙай. Ниңә тағы, ниңә? Шәүлә китеп барышлай сәйер йылмайып боролдо: – Ә һин Хоҙай эшенә, самаһына ҡыҫылма. Кемгә күпме кәрәген ул ғына белә! Ул ғына! Искәндәр үҙе лә һиҙмәй: «Ҡал, ҡал, һөйләш, зинһар. Аҡылдан яҙаммы мин?! Мин ни эшләйем бында?!» – тип уны саҡыра. Шәүлә шешәгә ҡарап: «Ана бит, һинең бында бына тигән дуҫың бар. Һөйләш. Һөйләш, әйҙә, уның менән», – ти. – Ә мине кем уйлар! Шул саҡ Искәндәргә ниндәйҙер сәм, асыу инде. Әсенеп ҡулдарын таҡтаға бәрҙе: «Ә мин бирешмәйем, махы бирмәйем мин, вәт! Кит бар! Харап икән! Үҙем алып эсәм! Кит, һинең һымаҡтар ғына ти ана, аҡыл өйрәтеүсе!» – Һинең бүтән юлың юҡ шул. Күрәһен күрмәгәнһең әле. – Ошо тиклем мыҫҡыл, мәсхәрәнән һуң, әҙәм ғәрлегенән һуң дамы? Тағы ла мыҫҡылмы?! «Дәү кеше тағы асыуланды, китмәгән. Кире боролдо: – Эсеп балаларыңды өйҙән ҡыуҙың. Аҙна элек Камиләңде ҡарар ерен ҡалдырмай туҡмап, үлтереү хәленә еттең. Ҡоторҙоң, төн буйы ауыл гөж килде. «Үлтерәм!» – тип янаның. Милиция килеп алып китте. Иртәгеһен һине колхоз рәйеслегенән төшөрҙөләр. Инде ҡайҙа, ни өсөн былай ятҡаныңды шәйләнең, ахыры. Шуға ергә ятып илайһың. Һин бит уны, Ерҙе, ныҡ ҡараның мәлендә. – Аһ! – йөрәген тотоп ыңғырашты Искәндәр. – Эйе, бына һинең күргән ғәҙелһеҙлек сәбәбе! Үҙең гөл иткән ауылың бына ни өсөн һинән ытырғына хәҙер. Күп түҙҙе Камиләң. Кисерҙе, кешегә белдермәне. Тәҡдир шулай, тине. Тырышты. Һин аңламаның. Сиге, самаһы бөткәс – һине һатманы ла, яҡламаны ла... Ҡартлыҡҡа йәһәт керҙе, бахырҡай. Искәндәр шапырынып тағы екерҙе: – Эйе! Өйөрлө һатлыҡ йән! Милицияға шылтыратҡандар, үҙҙә­ренә күпме изгелек эшләп! Һатлыҡ! Бары ла һатлыҡ!.. – тағы йотто эсе араҡыны… – Юҡ! Һин үҙеңә лә, кешегә лә хыянат иттең. Һин халыҡты алда­ның. Шуға синнектә ятаһың хәҙер. Изгелек хыянатты ҡапламай ул! Бел шуны!.. Шәүлә китте. Искәндәр һаташыу, аңһыҙ хәл баҙына, ауыр йоҡоға төшөп китте. Синнеккә һыҙылып ҡояш нуры төштө. Әтәс ҡысҡырҙы. Тубалдай ауыр башын күтәрә алмай күҙен саҡ-саҡ асты Искәндәр. Кемдер тағы ике күҙен уттай бәҙерәйтеп уға ҡарап тора, тик башы ҙур, йомро түгел, дүрткел. Был ғәләмәт ни эшләй бында?! Йә, Хоҙай, синнек ҡапҡаһы икән, ботаҡ тишегенән ҡалған ике «күҙ» шулай ҡарап тора. Еңел һулап ҡуйҙы Искәндәр. Камилә бында. Ул уға ҡараны ла, яй ғына мөңрәп алды. Тик тауышы илау менән өҙөлдө, илай-һыҡрай һыйырын һауҙы. Ул, мәхлүк бит, өйрәнгән, хужабикәһе йырламайынса һауҙырмай торғайны… Хәҙер уныһы ла аңланы, йыр көтмәне, былай эйҙерҙе... Наҙлы һөт еҫе Искәндәрҙе тамам уятты, һиҫкән­дереп ебәргәндәй булды, татлы бер ел килгәндәй булды. – Камилә, йырла әле. Ниңә йырламайһың? Биҙрәгә сәнселгән һөт уҡта­рының ғына тауышы килә – шыж-шыжж, шыж-шыжж… Һөт тамсылары ла әллә ниндәй рәнйешле, әсе асыулы төшә… Мейене тишеп алып баралар. Алыҫтан көтөү тауышы ла килә. Әллә бесән еҫенән, әллә саф һауала йоҡлау килешкән, яңы көс менән тороп ултырҙы Искәндәр. – Камилә! – екерҙе ул. Өндәшмәй. Тынлыҡ. – Ҡорот давай! Камилә һауып бөттө. Һыйырҙы ҡыуып алып сығып китте. –Һе! Камиләгә ни булған? Башы эйелгән, яурындары төшкән? Өндәшмәй. Йә Хоҙай, ҡуҙғалыр әмәл юҡ, – тағы ергә һеңде. Бер аҙҙан Камилә өнһөҙ генә ҡоротлап ҡайнар һыу алып килде. Бер сүместе шунда уҡ бушатты Искәндәр. Боролоп киткән Камилә­һенең бите күм-күк, нишләптер аҡһабыраҡ йөрөй. Ни булған? – Камилә тимен! Кил әле бында! Юҡ, боролманы, әллә ниндәй үкһеү, йән өшөткөс ятһыныу үҙендә. Йөҙө ҡартайған. Нурһыҙ. Ни булған? Ҡабат мейеһе эшләмәне. Төш ауып кискә тартылғансы йоҡланы. Ай буйы өйҙән сыҡмай эсте лә йоҡланы, эсте лә йоҡланы. Өй мәхшәргә әйләнде. Искәндәрҙең эсендә һимергән шайтан шул тиклем кинәнде. Уға бер ниндәй тәртә булманы. Өйҙә ҡуныр хәл ҡалмағас, Камилә бәләкәй ҡыҙын эйәртеп төнөн сығып китте, апаһында ҡуныр булды. Камилә, үҙе саф булғас, кешеләрҙе лә шулай күрҙе. Кешегә изгелек, бәләкәй генә ярҙам күрһәтһә лә, бәхетле булды. Кемгә генә ниндәй ярҙам итмәне, кемгә генә аҡ теләктәрен теҙмәне! «Бергә эшләгән кеше, йортома килеп минең ҡулдан аш ашаған, минән изгелек күреп йәш сағынан ярҙам алған, инде күтәрелеп киткәс, ул ҡатын миңә ҡаршы шулай ҡәбәхәтлеккә барғас, Аллам, ҡайҙа һуң һин ҡушҡан «Изгелек ҡыл!» тигән бойороҡ!? Ниңә улай ыҙалайһың мине!? Минең тормошомдо боҙорға килгән кешене ниңә атлаттың тупһамдан?! Ни ғәйебем булды, йә, Хоҙай?! Мин ни өсөн ошо тиклем михнәт күрәм һуң? Ниңә Аллаһ мине былай язаланы? Мин бит тик изгелек эшләп йәшәнем?!» Эй, бәндәләр, Аллаһ үлсәүҙәре шулай ябай ғына булһа икән. Үҙе китеп бара, сөбөрләп йәше аға, тыйыла алмай. Ярай ҡараңғы. Йәштәрен ҡыҙы күрмәй... Инде туҡмалған тәне лә үҙ урынына ҡайтты, ахыры. Тик баш ауыртыуы бөтмәй, һыҙлап ҡуя. Йәндәй күреп яратҡан, өҙөлөп торған кешеңдән шулай ҡул язаһын ал, туҡмал әле… Тән һыҙлауы бөтһә лә, йән һыҙлауы китмәҫ инде. Күрә алмай уны хәҙер. Биҙҙе. Мөкиббән килеп яратыуы менән уттай нәфрәте ҡушылғас, бындай ҙа тулҡынды күкрәгенә һыйҙыра алманы, үкһеп, ҡысҡырып иланы. Был төндө үтә ныҡ һаташты Искәндәр. Башы, аңы томан эсендә кеүек. Тороп та булмай, айнып та булмай, аңлап та булмай. Шул саҡ тәндәре сымырҙап китте – әллә ҡайҙан йән дуҫының иңрәп-сыйнап кешнәүе ишетелде. – Күгасман?! Малҡайым, атҡайым, әллә һин бындамы? Туҫтаҡтай тояҡтары юлға һыймаҫ, ауылға кергәндә ер һелкетер йән эйәһе бит уның аты. Бар донъяны гөрһөлдәтеп саба торған күк алмасыбар айғыр ул Күгасманы. Тағы ла кешнәү! И-иһо-һо-искәндә-ә-әр! Был сырҡырау тамам ҡаҡшатты йәнен Искәндәрҙең. Һылыу толпары килдеме ни... Атын өҙөлөп һағынып саҡырҙы Искәндәр. Тик сәйер кешнәү генә әллә ҡайҙан килә. Һаташа, ахыры... Искәндәр башын тотто. О, уның аты!!! Бейек арҡа, йылан тамаҡ, текә муйын, ҡарсыға түш, нәҙек бил, ҙур туҫтаҡтай тояҡлы, бер баҫҡанды биш баҫып, ер иҙеп бөтөр, үрәпсеп туймаҫ ғәййәр айғыр ул. Сапҡанда ер һелкетер, кешнәһә тәҙрә быялалары сыңлап китер көслө тауышлы, үҙе сысҡан һыртлы, ҡырас яллы, күлдәй төпһөҙ күҙҙәре ҡылдай бәбәге аҫтынан бер ялмап ҡараһа, барын тертләтер! Тирә-яҡ аттары уның янында ишәк кеүек. «Дарҫ» итеп ергә тояғын ҡаты итеп бер генә бәреп ҡуя – янына Искәндәрҙән башҡа бер кемде яҡын килтермәй. Ажар, баш бирмәҫ үтә ғорур, йүгән һалып еккәнсе сыбанлап, тапанып тора, түҙмәй, ҡаты ерҙе он-талҡан, ҡом итеп бөтә. Артыҡ ҡыланһа, һыртына сыбыртҡы эләгә, тиреһе ел иҫкәндә һыу тулҡыны кеүек тартышып, йәһәт хужаһына башын бороп, ҡолағын ҡайсылап ала. Көслө үҙенән көслөгә генә баш бирә шул. Буйһондора белә Искәндәр, ярата ла белә. Малҡай, йүгән һалғас, Искәндәр тарантасҡа ултырып та өлгөрмәй, уҡтай атылып, колхоздың ат һарайынан осоп сығып та китә! Тирә-яҡты яңғыратып сырҡыратып кешнәп ебәрһә, ауыл яңынан тыуа кеүек. Тетрәү, шаңдау, әйтеп бөтмәҫ шатлыҡ килтерә уның кешнәүе! Аяҙ көндө йәшенме ни! Ҡарап ҡалырға ынтылмаған кеше һирәк була шул саҡта. Эй, елә лә инде малҡай. Әллә бөтөн ауыл һоҡланып ҡарап ҡалғанын белеп, тағы ла мәғрур уйнаҡлай, ярата, әллә иреклеккә ҡыуанып, юлға сыҡҡа­нына шул тиклем кинәнә, әллә хужаһына ярағанын белеп ирәйә! Искәндәр уға: «Районға!» тип әйтеп кенә өлгөрә. Туғыҙ саҡрымда хужаһы туғыҙ тапҡыр тын алып та өлгөрмәй – етер ергә еткерә! Барыр ергә барып еткәс, Искәндәре арҡаһынан бер-ике һапылдатып алһа, түбәһе күккә тейә, күҙ бәбәктәре сыланып ҡуя, башын сайҡап, йүгәндәрен сылтыратып ала. Атын иҫләп ярһыған Искәндәрҙең күҙҙәренән сөбөрләп йәш аға. Ә бит Күгасман бик уҫал, яуыз, ҡара эсле, ташбәғер кешене лә белә. Ҡыҫыҡ сикәле, бәләкәй күҙле, йылмайғанда ауыҙы шаҡалдаҡ һымаҡ, һөйләшкәндә лә ыржая. Унан Күгасман һәр саҡ һиҫкәнде, ҡолаҡ­тары үрә торҙо, эсе ҡара ҡон тулы бәндәнең яуыз ниәтен һиҙә ине толпар. Ҡасандыр бурлығы өсөн төр­мәлә ултырып сыҡҡан ул кеше Искәндәрҙе ғәйепләй. Бына әле, аттың Хужаһы янында булмағас, үҙе генә белгән ҡот осҡос үсен аттан алырға булып, уның тирәләп йөрөй. Күгасманға инде өс көн ашарға ла, эсергә лә бирмәй. Астан хәлһеҙләнгән ат барыбер ҡәбәхәтте янына ебәрмәне, әйләнеп тибенеп кенә торҙо… Ҡамсы менән теге бәндә һелтәнде лә: – Ярай, яра-ай, бөгөн булмаһа, иртәгә ҡаныңда йөҙәм мин һинең, – тип янаны. Йән әрнеүе менән кешнәне Күгасман. Ҡайҙа һүң Искәндәре?! Ниңә ҡотҡармай?! Ниңә килмәй?! Ни... И-и-Һо-һо-һо, И-иииһо-искәндә-ә-ә-р! Э-э-э! Ҡара янып ҡайтып китте Ҡа­раман. Эсендә ҡайнап, уртын сәйнәне, үҙ алдына мығырҙап екерҙе. Ытырғыныс ул әҙәмде, шулай ҡотороп, күҙе ҡонға тулы шашҡан ут шикелле йөрөгәнен бер нисә кис күргәндәр. Етенсе кис ат ергә аунаны. Аттың башын ҡаҙыҡҡа бәйләне йәлләт, унан кинәнеп ҡамсыһын шыйлатып, бар көсөнә аҡыра-аҡыра атты ярырға кереште. – Мә, кәрәгеңде ал! Хужаң кеүек кәкрәй!!! Ҡотороғона һыйышмай ҡулына тағы бер тәртә алды ла, аттың башына бирҙе. Күгасман бөгөлөп, сайҡалып китте. Сырҡырап кешнәүе йөрәк ярырлыҡ ауаз булып таралды ауылға. – Ҡайҙа Искәндәрең? Килмәйме яҡларға? Ха! Мә! Оҙон ауыр сыбыртҡы ҡанға туҙҙы. Бар көсөн йыйып, ниндәйҙер мөғжизә менән тороп баҫты Толпар. Әсе итеп тағы кешнәне. Бөтә ауыл дер һелкенде, тертләне. Ике ир килеп ҡарап торҙо… Тик берәү яуызды туҡтатманы. Ҡанһыраған аттың башына эҫе һыу килтереп ҡойҙо бәдбәхет. Ни хикмәттер, ат бар көсөн йыйып тағы һикереп торҙо ла, башы менән саңҡата бәреп ебәрҙе йәлләтте. Тағы кешнәне, оҙон-оҙон сыр­ҡырап, илап, өҙөлөп: – Ҡайҙа һин, Искәндәр?! Иһо-һо-Э-э-эй-ииии! Ки-и-ии-һи-ил! Тағы саҡырып кешнәне Эй-иһа-эһ!!! Ниңә ташланың мине, дуҫым, хужам?! – Аһ, һин алаймы әле! Күҙенә ҡан тулған Ҡараман оҙон сыбыртҡыһын шыйлатып аттың аяҡтарынан бөрҙө лә бар көсөнә тартты. Гөрһөлдәп ергә ауҙы ат. Йән асыуына бысаҡ менән сәнскеләне яуыз кеше… Боғаҙын ярҙы... Толпар йән биргәндә таң һыҙыла ине… Ауыл кешеләре ниндәй­ҙер ғәжәп матур күкһел нур күргән ул төндө. Ул нур әллә йәйғор, әллә оҙон ял һымаҡ сәселеп күккә олғашҡан. Искәндәр алйыны, арыны. Ҡолағында һаман бер ауаз, аһ, өҙә бәғерҙе. Был ниндәй кешнәү һуң ул? Төн буйы йөрәге һыҙлап, башы шаңҡып сыҡҡан Искәндәр кинәт үҙәк өҙгөс һағыныу, бар булған тән тамырҙарын һыҡратырлыҡ зарығыу тойҙо. Эйе, эйе, ниндәй рәхәт хис!! Уның һағынған заты бар! Искән­дәрҙең йөҙөн йылы йылмайыу биҙәне. Ул бит Күгасманын һағын­ған!!! Уның тоғро дуҫы, иң-иң йән терәге – Күгасманы бар бит! Бына ниндәй шатлыҡ! Бына бит ниндәй шатлығы бар уның! Һо-о! Ана бит саҡырҙы ул. Ялдарын ялбыратып янына килеп тупылдап баҫты кеүек. – Оһ, матурым, малҡайым, хәҙер, хәҙер барам яныңа, атҡайым, алтынҡайым… Атҡайын барып ҡосаҡлаһа, бөтөн был ҡаза юғалыр, донья яҡтырыр, был касафат бөтөр кеүек ине. Ай, был ниндәй хәл? Бер ҡасан был тиклем бауыры өҙөлмәне. Камиләһен хатта улай һағынғаны булманы. Һурып алып бара, тик дауаланыр әмәле юҡ. «Һыу! Һыу! Һыу! Кем бар? Һыу?! Һыу, тимен!» – Камилә! Камилә! Иртән Камилә һыйырын һауып көтөүгә ебәрергә өйөнә ҡайтты. Һыу һорап интеккән Искәндәргә һыу бирҙе. Үҙе лә һыуға уйламаҫтан йоҡо дарыуы һалды. Хәҙер йоҡламаһа, был хәбәрҙе ишетеп йөрәге… шартлаясаҡ. Ана бит, яратҡан сергеһен ҡыҫып тотоп алған, аты янына йыйынған бит, бахырҡайым. Искәндәренең маңлайынан һыйпап-һыйпап алды. Ҡулдарын оҙаҡ алманы, иренең ярһыу башынан һыйпай-һыйпай Камилә түҙмәне, түгелеп иланы. Хәҙер йоҡлап китер, хәҙер, йәне­кәйем, Аллаһ еңеллек бирһен бахырҡайыма. Йоҡлаһын. – Камилә, Күгасманым саҡыра, уны егеп еләм хәҙер. Һыу бир тағы. Һыу!.. Һаман һөйләнә: – Хәҙер, хәҙер атҡайым, малҡайым, сабыр, сабыр… Хәҙер еләбеҙ далаға, иркенгә! Эх! Сабам, сабам… Еләм! Китәм! Күгасман­ҡайым... Һаташҡан иренең маңла­йынан үпте. Йоҡлап китте тағы, йәнекәйем… Шул саҡ ҡатын түҙмәне. Бар көсөнә ат кешнәгәндәй сыр­ҡырап ҡысҡырып илап ебәрҙе. Өйгә ҡайтҡанда аттың үлемен ишетеп һынһыҙ ҡалды. Йә, Хоҙайҡайым!.. Мөғжизәле ат уны ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарғайны… Был тиклем вәхшилек… фашиста ла юҡ бит… Йә, Хоҙа. Ни ҡылаһың әҙәмең менән?! Нисек бындай ҙа ҡәбәхәтлекте аңға һыйҙырырға?! Ярҙам бир, Аллам!.. Шундайын да һинең хикмәтең – һылыу толпарҙы язалап, имәнеслеккә батҡан кешене нисек Ер күтәрер? Нисек? Эй, мәхлүккәйем, малҡайым, кисер, кисер, кисер. Инде ни әйтәйем. Я, Раббым, түҙем бир… Искәндәре ни эшләптер сабый һымаҡ йылмайып йоҡлап киткән. Ҡулына Күгасманының йүгәндәрен ҡыҫып тотҡан бит. Йоҡлай. Шул тиклем сибәр булыр икән кеше, яратҡаным минең. Гел шулай йылмайһаң икән. Атын төшөндә күрәлер, эй, бәғеркәйем, эй, йәнем минең. Ни көндәргә ҡалдыҡ, ни йөрәк менән түҙерһең, күтәрерһең икән, ни булыр хәҙер?! Ул йәлләттең исемен әйтә генә күрмәһен бер кеме, йә, Раббанәм. Искәндәренең сәстәрен һыйпаны, өҫтөнә япты. Оҙаҡ илағас, доғаға ултырҙы. Инәһе өйрәткәнсә, бит-ҡулын сайҡап, сабыр холоҡ, таҙа аҡыл менән Аллаһ­тың ҡаршыһына үҙе баҫҡандай булды. Шул саҡ ул булған бер хикмәтле хәлде иҫләп алды. Яҙғы мәл үҙенең бауырына ҡаты приступ, ә ҡыҙыҡа­йының эсе ныҡ ауыртып ни ҡылырға белмәгәндә, Искәндәре йәһәт Күгасманын егеп район дауахана­һына алып китте. Елдәй генә елде малҡай! – Сыҡма Димдән, урап барайыҡ, бөтәбеҙ бит! – тип ҡысҡырҙы Камилә, ире атты турылай йылғаға борғас. Юҡ инде. Искәндәрме тыңлай торған кеше! Боҙҙан барабыҙ. Ауыр таштай тояҡ аҫтында боҙ ва­тылып бара, ә сана арты һыуҙан ҡала бара. Әйтерһең, һыу фәрештәһеләй осоп, боҙға тояғы теймәгәндәй талпынып бара бит малҡайғынабыҙ! Ул ниндәй хикмәтле мал булғандыр ҙа, ул ниндәй мөғжизә булғандыр. Алып сыҡты Дим аша мәхлүк... Больницала ашығыс ярҙам булды. Баланы ла, үҙен дә ҡотҡарҙылар. Эй, атҡайым, малҡайым. Ни хәл итәйем. Ата-бабам борон-борондан Ер-һыуға арнап ат ҡорбаны салған бит. Оло ул ҡорбан ат артынан алғыш әйткән. Мин дә һиңә алғыш әйтәм. Түлдән үткәнмен – мөмкин, ҡабул булыр. Мин әйтәм, һин ишет, Күгасманҡайым! Үлемең ҡорбандыҡы булһын! Рухың риза булһын, Аллаһ ҡушҡанынан булһын! Балаларым яҙмышына, Илем тормошона дүрт яҡтан Дүрт төрлө ҡот ҡайтһын, Ялыңда күпме бөртөк – Шунса бәрәкәт артһын! Йәнең аҡ йәймә булһын! Матур яҙҙар килһен, иген уңһын, Ҡорбанлыҡ мизанында бул! Халыҡ сиргә батмаһын, Тәбиғәт йәшәрһен, Яландар йәйрәһен! Илгә рәхмәт яуһын, Яңы дәүер башланһын, Аҡҡан ҡаның хәләл булһын! Йәнселгән һөйәгең ер сатыры булһын! Күсәрен ныҡ тотһон! Тупраҡ туҡлығы артһын, Беҙҙең ҡан түгел, һинең ҡан ағып, Беҙҙең һөйәк түгел, һинең һөйәгең йәнселеп, Бәлә юлын ҡаплаһын. Ҡаза юлын ҡаплаһын! Һин сапҡанда нисек юл асыла ине, Шулай беҙҙең юлдар асылһын! Һин кешнәгәндә нисек ен-шайтан ҡаса ине, Шулай улар олаҡһын! Тояҡтарың нисек тупылдай – Батыр йөрәктәре шулай тупылдаһын! Искәндәрем, бәпәйҙәрем иҫән булһын, Ил ҡыуандырһын! Ен-шайтан ҡаса ине, Шулай улар олаҡһын! Тояҡтарың нисек тупылдай – Батыр йөрәктәре шулай тупылдаһын! Искәндәрем, бәпәйҙәрем иҫән булһын, Ил ҡыуандырһын! Ҡулдарын күккә һоноп, атын шулай ололап, доға бағышланы ла бағышланы Камилә. Унан башын Искәндәргә һалды ла илай-илай тағы ла теләне. Рәтләп әйткән доғаның, һүҙҙең тылсымы бар шул. Бер аҙ тынысланды, күңеле урынына ултырҙы кеүек. Ҡулдарына тамған йәштәр, ай, әсе. Эй, малҡай, малҡайым, бәхил бул! Ат йәл, атынан да йәре, Искәндәре, йәл. Әле ярай, йоҡлаған. Ни эшләр ине бит!? Ярай, береһе килеп әйтеп өлгөрмәгән. Һүҙ әйттермәм, бәғерем, йоҡла. Йә, Аллам, инде бел, гонаһтан үлсәмә, үтенәм! Сөнки уянғас, мин иремә тағы йоҡо дарыуы һалам. Уның әле был фажиғәне күтәрер көсө кире ҡайтмаған. Ниндәй генә дәһшәтле ир булмаһын, йөрәктәрен бит йоҙро­ғонан ҙурын бирмәгәнһең... Йоҡла, йәнем, мәңге яратҡаным минең. Иртәгә яңы Ҡояшың ҡалҡыр. Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА. Илһам НОҒОМАНОВ һүрәттәре. Аҙағы. Башы 6-сы һанда. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бала тыуғас күҙе уның күрмәй-күрмәй, Ул балаға бик аңлатып булмай-булмай. Күрерһең һин, үҫкәс күрерһең һин Был донъяның аламаһын-яҡшыһын. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә. Бына, балам, үҫтең, күрҙең, тәмен белдең. Үҙ юлыңда һайлап алдың-алдың. Онотма һин, кешем, онотма һин, Аллаға һәм халҡыңа хеҙмәт ит һин. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем Оялмаһаң - оялма Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә. Һылыуҡайға ДЕРВИШ ХАН Төштәремдә һине күрәм, гел инәһең, һылыуҡайым. Һин саҡыраһың үҙеңә. Яҡынайһам, алыҫаяң. Ҡайҙа һин осаһың ташлап мине, Ҡайҙарға һин осаһың? Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал! Һылыуҡайым, төшөмдә һиңә әйтәм, Төшөмдә һинең кеүек гүзәлекле ҡыҙҙы Тапмаһам, егет булмаҫмын. Әгәр өнөмдә тапмаһам, ҡалырһың һин хыялымда. Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал! Әгәр өнөмдә тапмаһам, Ҡалырһың һин хыялымда Ҡушымта: Ҡал, ҡошҡайым, осма! Осма һин юҡлыҡҡа, ә миңә. Ҡал, йөрәгемде ал. Утта янған йөрәгемде ал! Эҙләмә ДЕРВИШ ХАН Мине эҙләп һин йөрөмә, Айлы төндә, яҡты көндә эҙләмә. Өлгөрмәй төн көнгә. Елдән һорама, Ерҙә эҙләмә. Эҙем бар минең һыуҙа, Йөрәгең һиҙһә эҙлә. Күренермен һиңә айҙа, Күңелең тартыр һине йондоҙға. Тик мин булырмын ерҙә Һинең яныңда. Саф йәнеңдә Бәхетле булғың килһә, Йәнеңде осор миңә. Мин, мин һиңә кем инем, кем инем? Хыялың, һөйгәнең? Мин тыуманым ерҙә һиңә. Күҙ йәшем. Йыһанға миңә ос. Эй, кешеләр ДЕРВИШ ХАН Ҡара төндө таң ҡаршылап ала, Һандуғасы менән йырлап. Булған былыҡ, нурҙар был донъяға таралалар, Моңло көй булып. Күлгә төшкән аҡҡош кеүек, Ергә ята аҡ томан. Наҙлап, барлап барлыҡ донъяны Һандуғас йырын йырлай. Эээээй, кешеләр, ҡарағаҙысы! Ээээй, ниндәй матур, ниндәй тереклек! Эй, кешеләр,ҡарағаҙысы! Ниндәй матур, ниндәй тереклек! Дауылдан һуң үткән ямғыр, Донъя таҙара бала йөрәгендәй. Эээээй, кешеләр, ҡарағаҙысы! Ээээй, ниндәй матур, ниндәй тереклек!
Мәғәнәһе - килешле генә, матур ғына булып йөрөүсән, ҡупшы, көйәҙ. Миҫалға: ҡуҫтар ҡыҙыҡай.Ҡуҫтар кейенеү. Ҡур. Күп мәғәнәле һүҙ. Тәүгеһе апаруҡ киң таралған, ул - ҡымыҙ, бал әсеткеһе. Ә икенсеһе “башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт” йә “мая” тигән мәғәнәне белдерә. Миҫал: Аҡса ҡуры. Ҡурға бер оя ҡаҙ ҡалдырыу. Ниндәйҙер эш-хәлдең шауҡымы, эҙемтәһе лә “Ҡур” һүҙе менән белдерелә. Аҡмулла шиғырынан миҫал: Күңелдән яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ. “Ҡур” - “Яһаҡ, һалым” төшөнсәһендә лә йөрөй ала. Ҡур түләү. Милек ҡуры. Борон заманда “Ҡуҙ” һүҙе урынына “Ҡур” тигәнен дә ҡулланғандар. Мәҫәлән: Ҡурҙан ут тоҡандырыу. Мейестән ҡур тартыу. Ҡурғы. Ваҡ ағаслы, еләк-емешле тар текә үҙәк була “ҡурғы”. Ҡурғы шау еләк сәскәһенә күмелде. Шулай уҡ был һүҙ ағастары ҡырҡылған урынды, ҡырҡындыны белдерә. Ҡурғыла йәш үҫентеләр ултыртыу. Ҡурышҡаҡ, ҡурышҡыл. “Ҡурышҡыл, ҡурышҡаҡ” тип муйыл ағасының сайыры атала. Ҡурышҡал ағыҙыу. Ҡурышҡаҡҡа мансыу. Ҡуръяҡ. Ағасҡа ҡунған епшек ҡар, лүшә күҙ уңында тотолһа, уға “Ҡуръяҡ” һүҙе тура килер. Миләш тәлгәштәре аҡ яулыҡтай ҡуръяҡ бөркәнгән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған фильмды төшөрөүсе төркөм яңынан эшкә тотондо. "Шағир көндәлеге" картинаһын ижад итеүгә халыҡ та ярҙам итте. 2019 йылдың авгусында фильм тураһында йәмәғәтселеккә иғлан ителгәндән алып 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Фильмды билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөрә. Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова. Фильмда халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың кескәй сағы ла күрһәтеләсәк. Өлкән Рәмиҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбиров, ә үҫмер ваҡытын Өфө сәнғәт институты студенты Линар Байымов башҡара. Ә инде кескәй Рәми ролендә "Һеңлекәш" фильмында танылыу алған Арыҫлан Ҡырымсурин уйнай. Республика матбуғаты материалы буйынса әҙерләнде. Фото: Instagram›arslan_krymchurin Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Германия германия автомобиль тәржемә: шәхси автомобилдәр өсөн импортты германия тәжрибәһенән сығып, германияға күсеп бер йылдан һуң, уҡыусылары менән үткәрелгән"ҡыҙҙар өсөн"максимум деталдәр һәм күп төрлө мәғлүмәттәр менән:"шул Тиклем кеүек, мин германияла университетына уҡырға инә, һәм мин мәскәүҙә йәшәгән фатирҙа төшөрөлгән Был шулай тойола, белмәгән әйбер тураһында барғанда мин -"мин мин түгел һыу". Әммә баҡһаң, барыһы менән германияла килә"етә", - мин бөгөн һеҙҙең менән таныштырырға теләр инек һәм был ҡылыҡһырлама". Германияла йәғни күсемһеҙ милек алыу процесы ныҡ айырылған, тип ҡарарға күнеккән беҙ. Иң мөһим үҙенсәлектәре тураһында һөйләү. Аноним ч, Юлдаш менән Аралашыу, таныш Кешеләр Ծառայությունը интернет видео-таныштырыу башҡа ҡыҙҙар менән теркәлгән видео чат башҡа ҡыҙҙар менән танышып видео теркәү ҡатын-ҡыҙ онлайн аралашты. ҡатын-ҡыҙҙар көсө менән танышырға теләй видео танышып аралашыу альтернатива видеочить бушлай таныша сайтында видео башҡа ҡыҙҙар менән бушлай теркәү видео чат
Мала́кка (тай. แหลมมลายู, мал. Tanah Melayu, бирм. မလေး ကျွန်းဆွယ်, шулай уҡ Малай ярымутрауы (тай. คาบสมุทรมลายู, мал. Semenanjung Tanah Melayu)) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ярымутрау. Һинд-Ҡытай ярымутрауының көньяҡ осо булып тора. Көнбайышта Андаман диңгеҙе һәм Малакка боғаҙы, көнсығышта — Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе һәм Сиам ҡултығы менән уратып алынған. Малакка Характеристикалары Майҙаны 190 000 км² Урынлашыуы 7°00′ с. ш. 100°00′ в. д.HGЯO Малакка ярымутрауы Викимилектә Көньяҡтан төньяҡҡа табан оҙонлоғо яҡынса 1300 км, майҙаны яҡынса 190 мең км². Төньяҡ сиге — Кра муйыны (иң бәләкәй киңлеге — 44 км). Сәйәси рәүештә Мьянма, Таиланд һәм Малайзия менән бүленгән. Ярымутрауҙан көньяҡтараҡ Сингапур, ә Малакка боғаҙы аша Индонезияның Суматра утрауы урынлашҡан. Иң эре ҡалалары — Куала-Лумпур һәм Ипох (Малайзия)[1]. ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ↑ Малакка (полуостров)(недоступная ссылка)//БСЭ Был Азия географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Өлөшләтә мобилизация тураһындағы иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы республика хәрби комиссариаты менән берлектә Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге әҙерләгән чат-ботта табырһығыҙ. Өлөшләтә мобилизация тураһындағы иң көнүҙәк һорауҙар Өлөшләтә мобилизация тураһындағы иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы республика хәрби комиссариаты менән берлектә Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге әҙерләгән чат-ботта табырһығыҙ. Ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot Мәғлүмәтте яҡындарығыҙ менән бүлешегеҙ! #Аңлатабыҙ_Башҡортостан Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығында ниндәй температурала мәктәптәрҙә дәрес үткәрелмәүен аңлаттылар Шоңҡар -16 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Новости 10 Февраль 2021, 13:25 Башҡортостандың Мәғариф министрлығында ниндәй температурала мәктәптәрҙә дәрес үткәрелмәүен аңлаттылар Шул уҡ ваҡытта баланы мәктәпкә ебәреү-ебәрмәүҙе ата-әсәһе хәл итә. Башҡортостандың Мәғариф министрлығында ниндәй температурала мәктәптәрҙә дәрес үткәрелмәүен аңлаттылар. Ныҡ һыуыҡ көндәрҙә дәрес үткәрмәү тураһында ҡарарҙы мәктәп етәкселеге ҡабул итергә, бында климат, һауа шарттары, уҡыусыларҙың грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле иҫәпкә алынырға тейеш, тип белдерҙеләр ведомствола. Әммә мәктәп, тышта ниндәй температура булыуға ҡарамаҫтан, уҡыу процесын ойошторорға бурыслы. Федераль нормативтар буйынса, ауылда – 23, ҡалала 25 градус һыуыҡ булған осраҡта, 1-4-се класс уҡыусылары дәрескә килмәҫкә хоҡуҡлы. Ә -25 градуста – ауылда, 27 градустан түбәнәйһә, ҡалала 5-9 класс уҡыусыларына дәрес үткәрелмәй. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары – 30, ҡаланыҡылар 32 градус һыуыҡта дәрескә килмәҫкә мөмкин.
Рәсәй Президенты Раштыуаны билдәләгәндән һуң, Сүриәгә осто. Аэропортҡа килеп төшөү менән ул был илдәге беҙҙең ғәскәрҙәр урынлашҡан базаға юлланды. Путинды бында Сүриә Президенты Бәшәр Асад үҙе ҡаршыланы. Дәүләттәр башлыҡтары ошо төбәктәге хәл-торош тураһында отчет тыңланы, шунан ике яҡлы һөйләшеүҙәр башланды. Рәсәй Президенты белдереүенсә, Сүриә дәүләтселеген тергеҙеү, илдең сиктәрен һаҡлап ҡалыу буйынса бик ҙур эш башҡарылған. Дамаск урамдарында имен тормош билдәләрен торған һайын йышыраҡ күрергә мөмкин. Ахыры, был яҡтарҙа тыныслыҡ буласаҡ? Булмаҫтыр. Сөнки АҠШ менән Иран, Ираҡ араһы боҙҙай туңырға самалай. Сүриә лидеры Бәшәр Асад Владимир Путинды Раштыуа менән ҡотланы. Аҙаҡтан делегациялар тәүҙә илдең баш ҡалаһындағы ҙур мәсеткә, аҙаҡтан православие сиркәүенә барҙы. Әйткәндәй, мәсеткә лә Путин буш ҡул менән килмәне - XVII быуаттан бирле һаҡланған Ҡөрьән Кәрим китабын бүләк итеп китте. Фото: Кремлин.ру Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-S-ri-l-buldi-66052/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Етте! Башҡаса йыр, сихри моң, алтын-көмөш, гәүһәр, нур сәскә, йөрәк, йондоҙ, монар, шәфәҡ, ләззәт, гөлләмә, ҡайылған, селтәр, көмбәҙ, лөғәт, алиһә, аҫыл, рауза, ғәййәр, гәрәбә, шөңгөр, өлкәр, аҫаба, гөлсәскә, һөйөү, үлеп яратам, нағыш, һинһеҙ йәшәй алмайым кеүегерәк һүҙҙәр менән шиғыр яҙырлыҡ тәҡәтем ҡалманы. Мостай Кәрим, Назар Нәжми кеүек талант әһелдәре шиғриәт кешенең күңеленә матурлыҡ орлоғо сәсергә, ул сикһеҙ яратыуҙан, һоҡланыуҙан тыуырға тейеш тиһә лә, гел генә улай булмай икән. Тормош бит, төрлөһө була. Шиғыр яҙып, йондоҙ булып әҙерәк кеше күҙенә күренә башланыңмы, башлана тирә-яҡтан дошмандарҙың һөжүме. Имеш, теге лә был, фәлән-төгән-фәсмәтән. Мәкерлек, яуызлыҡ, хөсөтлөк, ике йөҙлөлөк менән тулған был заманда нисек инде шундай шиғыр яҙып ултырмаҡ кәрәк? Шундай иблестәргә ҡарата нисек инде был донъя һөттәй аҡ , сабый сафлығы кеүек саф, шишмә йыры һымаҡ тип шиғыр ижад итәһең. Берәүҙәре һине тиҙерәк ҡәбергә оҙатырға теләп, сынаяҡ менән ағыу һона, икенселәре йылан булып юлға сығып ыҫылдай. Шыма һөйләп, ҡатыға ултыртыусылар менән донъя тулған. Һәр кем битлектә йөрөй. Кемеһелер ғүмер буйы әхирәт булып йөрөһә лә, эсе тулы нәжес. Уртым тулы ҡара ҡан йыйылды хәҙер. Ҡәбәхәт, бәдбәхет улар. Шиғыр – күңел кисереше, тиҙәр. Тимәк, ошо кисерештәр аҡ ҡағыҙға шиғыр булып теҙелергә, кемдәрҙеңдер йөрәгенә хәйнәр булып барып ҡаҙалырға тейеш. Бөгөн генә әллә нисә шиғыр һыҙмаҡланым. Бының өсөн тема бөтәһе түгел. Күптән түгел йәш сағымда мөхәббәтемде тиңһенмәй ташлап киткән бер әҙәмде осраттым. Өйгә ҡайтҡас, күңелдә шунда уҡ нәфрәт тулы шиғри хистәр бөрөләнде. Шул кәрәк уға. Ана, тегенең ялтыр-йолтор менән донъяһы тулған. Ә үҙенең балаһы ла юҡ, шул кеше үҙен нисек бәхетлемен тип әйтһен. Уға ҡарата ла моронлаған шиғырымды теркәп һалайым. Аҙаҡ онотола торған. “Анау берәү, балаһы ла юҡ”… Тәк, тәк, артабан нимә тип яҙырға… Ярай, аҙаҡ тамамлап ҡуйырмын әле. Моғайын, йәлсемәгер, күҙ көйөгө, ауыҙын асһа, үпкәһе күренергә тора тигән һүҙҙәрҙе лә өҫтәрмен. Уй, хәҙер кеше яуыз бит ул. Бәғзеләренең уң ҡулы күрешергә һуҙылһа, һулында – беләк буйы бысаҡ. Йә, шуларға нисек инде матур һүҙле шиғырҙар яҙаһың? Үҙенән-үҙе “Бәдбәхет” тигән шиғри юлдар теҙмәһе барлыҡҡа килде. Эргә тулы дошман!.. Нимәгә аптырайһығыҙ? Дошман тигәс тә һеҙ теге мылтыҡ, пуля яуҙырған кеше дошман була тиһегеҙме? Юҡ шул! Беҙҙе уратып алған, дуҫ булып йөрөгән дошмандар уларҙан да яманыраҡ, уларҙан да ҡурҡынысыраҡ. Ысын! Көнләшеүҙән ни эшләргә белмәйҙәр. Хәлдәренән килһә, ошо минутта ботарлап ташларҙар ине, хәттәренән килмәй. Ана бит, сәй урынына кәсә менән ағыу һоноп маташалар. Юҡ, мине әле генә теге донъяға оҙата алмаҫһығыҙ. Ләғнәт уҡыйым. Һеҙ бәдбәхет. Ошо шиғырым тап һеҙгә арнала. “Мин һуғышсы, мин әҙермен Ҡанлы-данлы алышҡа. Яуыздарҙы ҡан күлендә батырам. Ҡырам һеҙҙе дошмандарым, Ҡасһағыҙ ҙа алыҫҡа”. Таш йөрәк минең матурлығымдан, бер тигән донъямдан көнләшә. Ана, өсөнсөһө бығаса артымдан тотам ҡалмай йөрөнө лә, хәҙер минең турала ғәйбәт уты сәсә. Уныһына “Ғәйбәтсе” тигән шиғырым бар. Мине сәйнәгәнсе аяҡ-ҡулыңды сәйнә, йөҙө ҡара Ғәйнәсә. Үҙе уҡыһа, әйҙә, шартларҙай булып, йөҙө ҡара янып йөрөһөн!..
Институтта уҡытҡан таныш уҡытыусы менән шахмат уйнарға яратабыҙ. Дуҫ та, коллега ла түгел кеше менән шулай, йыш осрашып, аралашып йәшәйбеҙ. Беҙҙе фәҡәт ошо интеллектуаль уйын яҡынайта, берләштерә. Шәмбе көн иртән, осрашыу тураһында һүҙ ҡуйышҡандан һуң, өй тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе тамамлайбыҙ ҙа мәҙәниәт йортона барып ике-өс сәғәткә шахмат клубының аулаҡ мөйөшөн биләйбеҙ. Ҡамасаулаусы, урынлы-урынһыҙға бимазалаусы юҡ. Институтта уҡытҡан таныш уҡытыусы менән шахмат уйнарға яратабыҙ. Дуҫ та, коллега ла түгел кеше менән шулай, йыш осрашып, аралашып йәшәйбеҙ. Беҙҙе фәҡәт ошо интеллектуаль уйын яҡынайта, берләштерә. Шәмбе көн иртән, осрашыу тураһында һүҙ ҡуйышҡандан һуң, өй тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе тамамлайбыҙ ҙа мәҙәниәт йортона барып ике-өс сәғәткә шахмат клубының аулаҡ мөйөшөн биләйбеҙ. Ҡамасаулаусы, урынлы-урынһыҙға бимазалаусы юҡ. Партнерым аҙ һүҙле, тыныс фиғелле, төп эше хаҡында һөйләй һалып бармай, үҙенә ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа өҫтәмә мәғлүмәтте лә ситләтеп үтергә тырыша. Ҡымтыҡ йоҡа ирендәр, шешенке ҡабаҡтар аҫтына боҫҡан төҫһөҙ күҙҙәр, эскә тартылып соҡорайған ас яңаҡтар – эс серен йәшерә белгән йомоҡтоҡо. Бар ғәме – алдындағы аҡлы-ҡаралы шаҡмаҡтарҙа, комбинацияға ярашлы урынлаштырылған фигураларҙа. Беҙ ғәҙәттә блиц уйнайбыҙ. Партияларҙы бик йыш мин отам, сөнки парнерым һәр йөрөшөн икеләнеп оҙаҡ уйлай ҙа цейтнотҡа эләгеп шахмат сәғәтендәге "флаг"ы ҡолай. Ошондай осраҡта ул ҡәҙерле нимәһен юғалтҡан кешеләй көйәләнеп китә: "Был партия тулыһы менән минеке ине! Бәхәсһеҙ минеке! Оҫта гроссмейстерҙарса ҡоролған, уйланылған ситуацияға, таҡталағы минең тулы өҫтөнлөккә ҡара, королеңде төрлө яҡтан ҡамап алғанмын бит инде, өс, юҡ, ике йөрөш кенә етмәне, ҡәһәрең! Ниңә ваҡытты иҫәпләргә, әйҙә, ары секундтарҙы-минуттарҙы һанамай, сәғәтһеҙ генә уйнайбыҙ?!" "Юҡ инде, хәҙер һиңә ирек ҡуйһаң бер йөрөштө көнө буйы уйлаясаҡһың. Шуны көтөп ултырырғамы миңә? Бармай!" "Сәсрәп кенә кит, һинеңсә булһын, тик иҫеңдә тот: был юлы кәрәгеңә бирәм, һыу эскеһеҙ итәм!" Шулай ти ҙә минең ығышыуҙы ла көтмәй икебеҙ өсөн дә шаҡмаҡтарға пешкаларҙы, фигураларҙы ҡабаланып теҙергә керешә. Иғтибарһыҙлығым арҡаһында ҡайһы берҙә ничьяға уйнап, йә еңелеп ҡуйһам теге атҡа менгәндәй ҡыуанып китә: "Кем менән сәкәләшкәнегеҙҙе беләһегеҙме, ҡаршыма ултырырҙан алда уйнарға өйрәнергә ине башта!" – тип кәпәренә. Танышымды йомоҡ тиһәм дә шахмат хаҡында һүҙ сыҡһа ул киреһенсә, үтә һүҙсәнгә әүерелә, бәхәсләшеп, ғәҙеллек даулап сеп-сей булып талашып китеүҙән дә тартынмай. Бөгөн ул иртә менән тағы шылтыратты: Хәйерле иртә, хөрмәтле яҙыусы әфәнде, онотманыңмы бөгөн шәмбе көн икәнен, мат алырға ҙур сумка эҙерләгәнһегеҙҙер? – Юҡ шул, миндә бәләкәй барсетка ғына бар. Ҡалғандарын һеҙҙең оло күн портфелегеҙгә нышып тултырырбыҙ, – тинем. – Бер сәғәттән барып етермен! – Слушай, давай беҙгә кил! Ҡатын командировкала. Шәп кофенан да ауыҙ иттерермен! – Ҡунаҡҡа саҡыраһығыҙ, әләйгәс? – Дөрөҫөрәге аулаҡҡа. – Тик бер генә шарт – хужа ҡунаҡтың ишәге, тип минән еңелеү талап итмәгеҙ берүк, холҡомдо беләһегеҙ! – Килештек! Бына мин уның өс бүлмәле фатирында. Ҡыҫҡа буйына һөйрәлтеп йомшаҡ халат кейеп, аяҡтарына шипатайҙар ҡатҡан фатир хужаһы пеләш башын ҡырын һала биреп, үткелеккә үк килеп, ҡосаҡлап, ирәбе йылмайып ҡаршы алды ла шунда уҡ эргәләге бүлмәнең ишеген асты: – Тотош фатирҙы күрһәтеү һеҙгә кәрәк тә ҡыҙыҡ та түгелдер, ярты ғүмерем үткән эш өңөмә рәхим итегеҙ! Ҡаршы яҡтағы тәҙрәһенә затлы шторалар эленгән урта ҙурлыҡтағы бүлмәнең ике яғын шкафтарға теҙелгән китаптар биләгән. Уң яҡта йомшаҡ күн диван, ҡәнәфиҙәр, журнал өҫтәле, тәҙрә яҡ мөйөштә компьютер өҫтәле. – Өңөңдө әйтәм, арҙаҡлы фән кандидаты, бик тә күркәм. Ә китаптарыңдың күплегенә килгәндә, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға етерлек. – Монография күптән әҙер, тик гәзит-журналдарҙағы публикациялар ғына тотҡарлай эште. Өлгөрөрмөн тимә: лекциялар, зачеттар, имтихандар... – Ауыры ауған, фәнни хеҙмәт әҙер, тиһегеҙ бит, ҡалғаны әкренләп. Ә ваҡыт етмәүгә килгәндә, кәңәшем шул: һеҙгә шөһрәт тә, дан да, билдәлелек тә килтермәгән шахматты әҙерәк уйнағыҙ. – Бына унан һис айырыла алмайым. Йәшәүемдең бер өлөшө бит ул шахмат, мейене ял иттереүсе, тормош проблемаларын аҙға ғына булһа ла оноттороп тороусы бер сара. – Ҡойолдораһынан хәбәр һөйләүгә аптыраңҡырап төбәлеүемде шундуҡ аңлап та алды. - Фатирыма саҡырып та ауыҙыма йөҙөк йәшерәйемме? Кемдер әңгәмә ҡорорға, уны күтәрмәләргә тейештер бит? – Һис һүҙһеҙ! – Значит, ҡәҙерле ҡунаҡ, ҡулайлап диванға урынлашығыҙ, хәҙер вәғәҙәләгән кофены бында ғына килтерәм. Бәлки, ҡандала тәме килгәндән ауыҙ итербеҙ, саманан ашырмай ғына? – Уҙған быуат аҙағында уҡ ташлаған нәмәне тәҡдим итмәҫкә лә мөмкин! – Биғәйбә. Мәйелегеҙ. Хужа сығып китеүе булды асыҡ ишектән килеп ингән ҙур, инһеҙ аҡ бохар бесәй абруйлы атлап яҡынланы ла ҡабаланмай ғына эргәләге ҡәнәфи өҫтөнә һикереп ултырып, нишләп ваҡытһыҙ йөрөйһөң әле бында, тигәндәй йәшел күҙҙәрен ялтлатып төбәлде. Яратмай, екһенеп ҡарай, һымаҡ. – Таныш булығыҙ: беҙҙең ғаилә ағзаһы Өмөт, – тине килешле һауыттар, ашамлыҡтар ҡуйылған батмус тотоп килеп ингән хужа. – Бик зыялы, аҡһөйәктәр нәҫеленән. Ул үҙенең урынын, дәрәжәһен, абруйын белә. Беҙгә ҡамасауламаҫ. – Өмөт?! Аҡ өмөт була инде! – Бәлки. – Исемен әйтәм, бер аҙ сәйерерәк ишетелә, эттәрҙе, бесәйҙәрҙе ғәҙәттә икенсерәк атайҙар шикелле? Фатир хужаһы боҫрап торған хуш еҫле кофены алдыма ултыртҡас һорай ҡуйҙы: – Иң тәүҙә шахмат уйнайбыҙмы, әллә ошо бесәйгә ҡағылышлы баштан үткән бер ваҡиға хаҡында һөйләйемме? – Мат алырға бер ваҡытта ла һуң түгел, өлгөрөрһөгөҙ, әйҙәгеҙ, мөмкин булһа икенсеһенән башлайыҡ! Кофенан ауыҙ иттем дә иғтибар менән тыңлағанлығымды белгертеп ҡулдарымды ҡаушырҙым. – Эт ояһында көслө, тиҙәрме әле, күр ҙә тор, бөгөн шахмат таҡтаһы артында туҙҙырам, пыран-заран килтерәм! – Кемдең көслө икәнлеген уйын күрһәтер. Теге тарихыңды һөйләгеҙ инде? Ҡорбанының еҫен тойомлап өлгөргән ҡырағай кейектәй һөйләнеләсәк хикәйә тотошлайы менән булмышымды солғап алғайны инде. Хужа ла дивандың икенсе башындағы буш ҡәнәфигә ялпашып, минең яҡҡа аушайыңҡырап ултырып хәбәргә күсте: – Был бесәйҙең яҙмышы туранан-тура кешенекенә, дөрөҫөрәге бала яҙмышына бәйле, яҙыусы булараҡ бәлки берәй әҫәрегеҙгә керетеп ебәрерһегеҙ. Килеп сыҡмаһа ғибрәтле тарих итеп тыңлағыҙ ғына. Бынан өс йыл элек ҡаты сирләп киттем. Көтмәгәндә, тип әйтә алмайым, сөнки электән үк бөйөрҙәрҙә таш барлығын белә инем. Төн уртаһында өйәнәк тотто бит, ҡоромағыр, тын алырмын тимә, бөгәрләп йыҡты. Ҡатын шундуҡ шылтыратҡайны, "Тиҙ ярҙам"дың носилкаһына һалып ҡала дауаханаһына алып та киттеләр. Ары – анализдар, иртәгеһенә үк дөйөм наркоз аҫтындағы операция. Операция яһаусы табип һуңынан күрһәтте, ике бөйөрҙән бер устай таш алғандар бит, үҙемде эскерле әҙәмгә иҫәпләмәйем, әммә әйтәм, "носить камень за пазухой", тигәндәре ошо булалыр, күрәһең. Өсөнсө көнгә наркоз шауҡымынан айнып, яра урынын ҡармап тотоп хирургия бүлегенең оҙон коридорына сыҡҡайным, артымда бала тауышын ишетеп һиҫкәнеп киттем. Ҡайырылһам, 7-8 йәштәр самаһындағы, сибек кәүҙәле, ыҫмалалай ҡара, етек сәсле, көңгөрт йөҙлө ир бала эргәмә терәлеп үк тиерлек килеп баҫҡан, имеш. Өҫтөндәге дауахана халаты, күп йыуыуҙан һарғылт төҫкә ингән, сәйнәлгәндәй бөтәрләнеп бөткән аҡ күлдәк, оло тапочкалар уны йәмһеҙ ҡарасҡыға ла оҡшатып ҡуя бер аҙ. – Ағай, һаумы? – Саф башҡортса мөрәжәғәт итте бала. – Хәйерле иртә! – Шулай тинем дә китергә йыйынғайным, был минең халат еңемдән еңелсә эләктерҙе, китмәй тор, йәнәһе. – Һиңә берәй нимә кәрәкме әллә? – Кәрәкмәй бер нимә лә... Бөтә нимәм дә бар минең... – Һуң? – Һеҙҙең менән йоҡлайым инде бөгөн, йәме?! Рөхсәт ит? – Бер ни ҙә аңламауымды күргәс өҫтәп ҡуйҙы. – Тыныс ҡына ятырмын, һеҙгә ҡамасауламай ғына... – Мәленән алда ҡырҡа баш тартып ҡуймаһын, тигәндәй тилмереп ҡарай был. – Улым, һин ҡайҙан? – Приюттан килтерҙеләр. Һуҡыр эсәгемде ҡырҡтылар бында. – Исемең нисек? – Өмөт. Ғәҙәти булмаған тәҡдимгә ни тип яуап бирергә белмәгәнлектән уратып-ситләтеп ҡотолмаҡ булдым: – Әле иртә бит әле, көн яңы башланып ҡына тора. Йоҡлау мәсьәләһен дә кискеһен хәл итербеҙ. – Алдамаҫһыңмы? – Әпәкәй менән ант итәм! – Палатам анау ерҙә, – коридорҙың осона төрттө, – инһәң ишек төбөндәге карауат минеке. Килереңде көтөрмөн! – Бала яҡын итеп, үҙ итеп шулай тине лә коридорҙың икенсе осона ҡарай йүнәлде, ә мин үтенесте аҙағынаса төшөмәйенсә аңҡы-тиңке килеп тороп ҡалдым. Перевязка мәлендә шәфҡәт туташынан һорай ҡуйҙым: – Кем һуң әле ул Өмөт? Шәфҡәт туташының йөҙөнән һағышлы, моңһоу йылмайыу йүгереп үтте: – Ауыл балаһы. Приютта йәшәй хәҙер. Аҙна элек аппендицитҡа операция яһағайнылар. Илгәҙәк, һөйкөмлө, тағы нескә күңелле, рәнйеүсән, тәбиғәттән бирелгән зыялылығы ла бар. Яңғыҙым ҡурҡам, тип гел генә йоҡларға кеше эҙләй. Беренсе көн операциянан һуң булһа ла иламһырағас бер ағай менән йәнәш һалдыҡ, ул сыҡҡайны, аяғы һынған бабайға күсте, бөгөн ул да ҡайта. Өмөттөң бар белгәне көндөҙ сыраҡ яндырып йөрөгән Диоген ише кеше эҙләү. Тағы бындағы медперсонал уға күсәнәстәр ташыйбыҙ, ә ул ашарға ашыҡмай, килтергәнебеҙҙе одеалы аҫтына һала, атайым-әсәйем килһә, бергәләп тәмләрбеҙ, ти. Бына ошондай ҡыҙғаныс күренеш әле беҙҙә. Ә хоҡуҡтарынан яҙҙырылған ата-әсәһе күренмәҫтәрҙер инде башҡаса. Күренмәҫтәр... Йөрәктәре әрнемәйме икән иманһыҙҙарҙың, баланы яҙмыш ҡосағына ташла ла сыҙап ят имеш! Бына бит эскелек ниндәй кимәлгә төшөрә әҙәм балаһын! Ә бит һөйләүҙәре буйынса әсәһе – уҡытыусы, атаһы Себер тарафтарына вахтаға йөрөп эшләгән. Хәҙер икеһе лә өйҙә, эшһеҙ ти, бар белгәндәре – өй беренсә араҡы теләнселәү. Улай тиһәң, хәҙер ауылдарҙа эш бармы икән ул? Шуға ла өмөттән яҙған халыҡ эскелеккә бирелгән... – Эшен тамамлап сығыр саҡта өҫтәп ҡуйҙы. – Зинһар унан баш тартмағыҙ. Әгәр ризалашмаһағыҙ беҙгә икенсе берәүҙе эҙләргә тура киләсәк, таба алмаһаҡ бала коридорҙа ултырып таң аттырасаҡ. Кискеһен шул, ситке палатаға ингәйнем, ишек яғына өңөлөп ҡарап ултырған Өмөттө күрҙем. – Улым, әйҙә минең менән! Теге шуны ғына көткәндәй ырғып тороп, килә һалып етеп, һыйынып, етәкләп алды, ҡыуаныстан килгән күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. Ирекһеҙҙән етек башты һыйпап ҡуйҙым, арыҡ арҡанан ҡаҡтым. Йоҡларға яттыҡ. Миңә ҡосаҡларға өлгөргән бала ҡолағыма бышылданы: – Ә мин ипле генә ятырмын, тыйнаҡ ҡына. Аҡтырнаҡ һымаҡ. – Аҡтырнаҡ? – Ауылда беҙҙең һис бер кемгә өрә белмәгән этебеҙ бар. Эт булғас ул этләшергә тейеш бит инде. Өрөргә. Шунан тешләшергә. Ә ул аҡыллы, йыуаш. Атайым эсеп ҡайтып әсәйемә тауыш күтәрһә, шым ғына сығып китәм дә әүеҫлектәге Аҡтырнаҡтың янына барып һыйынам. Ә ул мине ҡосаҡлап ята, биттәремде ялап-ялап алғылай. Һәйбәт эт ул, кеше һымаҡ, һөйләшә генә белмәй. Апаруҡ ятып ташланыҡ. Бала һаман уяу. – Өмөт, һин нишләп йоҡламайһың? – Ҡурҡам. – Нимәнән? – Һиҙҙермәй генә янымдан тороп китерһең дә мин тағы яңғыҙ ҡалырмын. – Ә мин нишләп тороп китәйем? – Ят менән йоҡламайҙар. – Ә һин нишләп миңә ят була ти? Һине оҙон көн буйы беләм дә баһа. Йоҡла. Бер ҡайҙа ла китмәм, ситкә шылып та ятмам. – Тағы ла ант итәһеңме? – Ант итмәй генә бергә йоҡлайыҡ, йәме? – Йә. Ә һин әкиәттәр беләһеңме? – Белә инем, хәҙер ҡыҙым ҙурайып үҫеп еткәс, уларҙы онотоп бөтөп тә барам инде. – Ә һин онотҡаныңды ҡабаттан хәтереңә төшөр ҙә һөйлә. – Әкиәттең ниндәйен? – Ҡурҡыныс түгелен. – Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Уларҙың балалары булмаған, ти. – Уларҙың балаһын да тартып алғандармы әллә? – Юҡ шул, улар һәйбәт кешеләр булған. – Минең атайым, әсәйем дә һәйбәттәр. Аҡыллылар. Эшсәндәр. Тырыштар. Һөйкөмлөләр. Эсмәгән саҡтарында. Теге саҡ райондан апайҙар килеп ата-әсәйең һине рәнйетәләрме, тип һоранылар. Юҡ, тинем, улар эскән саҡтарында ғына ямаҡайҙар, айыҡ саҡтарында донъялағы иң яҡшы кешеләр, тинем. – Дөрөҫ әйткәнһең. Насар атай-әсәй булмай. – Ағай? – Әү? – Нишләп шул араҡыны сығаралар икән? Уны һатмаһалар Разифаның, Фәриттең, Нурзиәнең, Хәлилдең аталары ла гел һәйбәт булырҙар ине, Бикйәндең атаһы аҫылынмаҫ, Нәзирәнең әсәһе янып үлмәҫ ине... – Һатмаһындар ине шул, – тигән булдым баланың әйткәндәрен йөпләп. – Һатмаһындар! Беҙҙең ауылда ғына түгел, бөтә ерҙә лә. Араҡыны сығармаһалар, атайым, әсәйем бөтөнләй эскеләре килмәй айығырҙар ҙа мине иҫтәренә төшөрөп эҙләп килеп етерҙәр ине. Киләләр ул. Бына күрерһегеҙ. Шунан урталарына ятып икеһен дә алмашлап еҫкәп йоҡлап китермен. Ул сағында бер кемгә лә инәлмәҫмен. Бер кемгә лә... – Тауыш әкренәйгәндән-әкренәйә барып бөтөнләй тынып ҡалды һәм бала тигеҙ итеп тын алып, ирендәрен сәпелдәтеп йоҡоға талды. Тағы ла ике көн бергә йоҡланыҡ. Өсөнсө көн Өмөт яныма килде: – Мине бөгөн сығаралар... – Ирендәрен бүлтәйткән, бына-бына илап ебәрер хәлдә. – Һин әлегә приютта йәшәп тор. Бына дауахананан сығырмын да яныңа барырмын. Барырбыҙ. – Унда һалҡын, ҡурҡыныс. – Улым, ә һин бер ҡасан да, бер нимәнән дә ҡурҡма, йәме. Әгәр ҙә барын да яҡшыға юрап йәшәһәң бөтәһе лә һәйбәт булыр. Исемең үҙе үк шуны әйтеп тора. Һин кешеләрҙән йылы эҙләмә, үҙең башҡаларҙы йылыт, һыйындыр. Шул саҡта һине ҡурҡыныс һағаламаҫ, һәр саҡ урап үтер! – Миңә киләм, тинең? – Киләм! – Ҡасан? Бармаҡтарымды тырпайттым: – Ошолай көндәрҙән һуң! Өмөт бер бармағымды бөгөп ҡуйҙы: – Бөгөнгө көн үтте! Хушлашыр мәлдә ишек төбөнә барҙы ла ҡайырылып килеп ҡосаҡлап алды. Баланың сәстәренән иҫерткес хуш еҫ килә ине. Дауахананан сыҡҡас ҡатыныма ошо хәлде һөйләнем. Ул минең уй-теләгемде уҡығандай, ҡыҙыбыҙ үҫеп үҙаллы йәшәй, әйҙә ошо баланы уллыҡҡа алып тәрбиәләйек, тип тәҡдим итте. Ҡыуанып киттем. Тейешле урындарҙан рөхсәт алып, кәрәкле документтарҙы тултырырҙан алда башта баланы күрәйем, тип приютҡа йүнәлдем. Тәрбиәсе ҡаршы алды: – Һаумыһығыҙ. Һеҙ кемгә килдегеҙ? – Өмөткә. Ә бына фамилияһын хәтерләмәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. – Өмөт бөтәбеҙгә лә кәрәк инде ул. Ә уны алып киттеләр. Башҡаланан килеп. Былай ир ҙә, ҡатын да яҡшы кешегә оҡшағандар. Күңелемдәге ниндәйҙер нескә ҡыл өҙөлгәндәй итте. Хистәремде белгертмәҫкә тырышып ауыр көрһөндөм: – Уның яҡшы ғаиләгә эләгеүенә өмөт итәйек. – Шулай ғына булһын инде. Ә һеҙ моғайын да дауахананан килгән әкиәтсе ағайҙыр. Яңылышманыммы? – Яңылышманығыҙ. – Улайһа, Өмөт һеҙгә бүләк ҡалдырып китте бит әле. – Коридорҙа бер аҙ юғалып торғас бәләкәй генә бесәй балаһын тотоп килеп инде. – Өмөт уның менән йоҡлап йөрөнө инде ошоғаса. Үҙе әйтмешләй, йылытып. Теләһәгеҙ алығыҙ. Кәрәкмәй икән... Йоҙроҡтай ғына йән эйәһе ҡалдырма мине бында, тигәндәй ялбарыулы ҡарап ултыра. Һәр тереклек был донъяла йылыға, яҡтыға, игелеккә өмөт итә шул. Ниндәй хәлдә лә. – Алам, – тинем ышаныслы итеп, – Өмөттө үҙем менән алам! Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Archives Select Month June 2019 (3) May 2019 (7) April 2019 (12) March 2019 (11) February 2019 (6) January 2019 (1) December 2018 (1) October 2018 (3) September 2018 (1) June 2018 (1) April 2018 (2) March 2018 (1) February 2018 (3) January 2018 (1) November 2017 (1) October 2017 (1) July 2017 (2) June 2017 (6) May 2017 (9) April 2017 (4) March 2017 (7) January 2017 (5) December 2016 (5) November 2016 (14) October 2016 (11) September 2016 (10) August 2016 (3) July 2016 (5) June 2016 (17) May 2016 (16) April 2016 (17) March 2016 (22) February 2016 (1) March 2015 (1) ТӨРКИ ОРКЕСТРҘА – ҠУРАЙ ТАУЫШЫ Posted on 21.10.2016 by Айгуль Leave a comment Алтылағы юлдан ҡайтһа, алтмыштағы хәл белешергә килә, ти халыҡ мәҡәле. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының был әйтемгә ярашлы үҙенең матур йолаһы бар, йәғни сит илдәргә, өлкәләргә форум, фестиваль, сараларға барып килгән башҡорт балаларын йөрөп ҡайтҡас үҙ янына йыйыу, хәлдәрен белешеү, ил-көн хәбәрҙәрен, һәүетемсә донъя яңылыҡтарын һөйләшеп ултырыу. Күптән түгел йәнә бер төркөм музыкант йәштәр кескәй […] Continue reading… Categories: Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәҙәниәт, Яңылыҡтар Урал бөркөтөнөң үлемһеҙ осошо йәки Легендар комбригтың ғүмер сәхифәләре Posted on 21.10.2016 by Айгуль Leave a comment Халҡыбыҙ батырҙарға элек-электән оло хөрмәт менән ҡараған. Милли хазинабыҙ иҫәпләнгән «Урал батыр» эпосының тыуыуы ла, хатта беҙҙең көндәргәсә килеп етеүе лә уларға ҡарата булған тәрән ихтирам һәм йылы мөнәсәбәт билгеһе. Ил-йортто, ер-һыуҙы дошмандарҙан һаҡлаған, халыҡты һәр төрлө йәбер-золомдан ҡурсалаған типһә тимер өҙөрлөк таһыллы ир-егеттәр тураһында бихисап мәҡәл-әйтем дә бар. Эйе, батыр – ул ил терәге […]
Йыл матур килер тип көтөлә.Һәр йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға айырым йондоҙнамә. Быйылғы йыл, уҙғанынан айырмалы, матур килер тип көтөлә. Һәр хәлдә йондоҙнамәлә шулай яҙылған.Ҡуҙы (21.03 – 20.04). Ҡуҙы 2021 йылда ҙур тиҙлек менән алға барыр. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Быға тиклем ҡыйыулығығыҙ етмәү арҡаһында ситкә ҡуйып торған маҡсаттарығыҙға ҡыйыу тотона алаһығыҙ – энергияғыҙҙы дөрөҫ йүнәлешкә ебәрерһегеҙ. Һәр эш ҡулығыҙҙан килер. Буға (21.04 – 21.05). Буғалар өсөн йыл һөнәри ҡаҙаныштар һәм ҙур маҡсаттарға ирешеү менән бәйле булыр. Абруйығыҙ артыр, яуаплы һәм эшһөйәр кеше булып танылырһығыҙ. Әммә бынан алда ныҡ эшләргә, әленән-әле булып торған үҙгәрештәргә яраҡлашырға, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тура килер.Дауамы -сайтта. Ҡуҙы (21.03 – 20.04). Ҡуҙы 2021 йылда ҙур тиҙлек менән алға барыр. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Быға тиклем ҡыйыулығығыҙ етмәү арҡаһында ситкә ҡуйып торған маҡсаттарығыҙға ҡыйыу тотона алаһығыҙ – энергияғыҙҙы дөрөҫ йүнәлешкә ебәрерһегеҙ. Һәр эш ҡулығыҙҙан килер. Буға (21.04 – 21.05). Буғалар өсөн йыл һөнәри ҡаҙаныштар һәм ҙур маҡсаттарға ирешеү менән бәйле булыр. Абруйығыҙ артыр, яуаплы һәм эшһөйәр кеше булып танылырһығыҙ. Әммә бынан алда ныҡ эшләргә, әленән-әле булып торған үҙгәрештәргә яраҡлашырға, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тура килер. Игеҙәктәр (22.05 – 21.06). Игеҙәктәр карьера баҫҡыстары буйлап өҫкә үрмәләр. Элекке эшмәкәрлегегеҙ ялҡытһа, ҡыйыу рәүештә уны алмаштырығыҙ. Был йылдағы үҙгәрештәр – яҡшыға! Уңышҡа өлгәшеү өсөн эшһөйәрлек менән бер рәттән башҡалар менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ ярҙамға килер. Шәхси тормошта ла ҡыуаныслы мәлдәр күп булыр. Ҡыҫала (22.06 – 23.07). Ҡыҫалалар ҡуйған маҡсаттарына мотлаҡ ирешер, иң мөһиме ҡыйыу булырға кәрәк. Етмәһә һеҙ даланлы - яҙмыш күп ваҡыт һеҙгә үҙе ярҙамға ашыға. Матди яҡтан ҡыйынлыҡ кисермәҫһегеҙ. Эштә иһә өҫтәмә яуаплылыҡ алырға тура килер. Эш күләме генә түгел, абруйығыҙ ҙа артыр. Арыҫлан (24.07 – 23.08). 2021 йыл һәләттәрҙе асыу өсөн уңайлы ваҡыт. Яңы сифаттарығыҙ тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Киләсәккә маҡсаттар ҡуйғанда элекке тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Күптәрҙе эштә лә, шәхси тормошта ла бәхет көтә. Йылдың икенсе яртыһында эш һөҙөмтәләрегеҙҙең татлы емештәрен татып, бер аҙ ял итеп алһағыҙ ҙа була. Ҡыҙ (23.08 – 23.09). Үҙегеҙҙе башҡаларға күрһәтеү өсөн мөмкинлек күп булыр, уңышҡа өлгәшергә теләһәгеҙ, артыҡ баҫалҡылыҡтан баш тартығыҙ. Һөнәри үҫеш һәм матди яҡты нығытыу йыл дауамында барыр. Һеҙгә генә хас булған эҙмә-эҙлеклелек, уйлап эш итеү кеүек сифаттар ярҙам итер. Үлсәү (24.09 – 23.10). Хыялдарығыҙҙың күбеһе тормошҡа ашыр. Кешеләр менән күберәк аралашырға, тормошоғоҙҙо матди яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да байытырға ынтылырһығыҙ. Үҙ-үҙегеҙгә ышанысығыҙ ташып торор. 2021 йыл һөнәри өлкәләге үҙгәрештәр менән генә түгел, шәхси тормоштағы ҡыуаныслы ваҡиғалар менән дә иҫтә ҡалыр. Саян (24.10 – 22.11). Саяндар өсөн уңышлы һәм һынылышлы йыл килә. Йәшәү урынын, аралашыу мөхитен тулыһынса алмаштырыу мөмкинлеге тыуыр. Алдан һиҙеү тойғоғоҙ көсәйер һәм яҡшы мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫһығыҙ. Ваҡыт-ваҡыт үҙегеҙгә ял бирегеҙ. Уҡсы (23.11 – 21.12). Уҡсылар яңы офоҡтарға табан арымай-талмай барыуын дауам итер, яҙмыш биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланыр. Һәләттәрегеҙ, мөмкинлектәрегеҙ менән күптәрҙе аптыратырһығыҙ. 2021 йыл – яҡшы үҙгәрештәр осоро, ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, һөнәри эшмәкәрлегегеҙ үҙгәрер. Ылаҡ (22.12 – 20.01). Ылаҡтарға элеккесә эш күп эләгәсәк. Шәхси эш асыу йәки быға тиклем булғанында үҙегеҙҙе икенсе яҡтан күрһәтеү мөмкинлеге бирелә. Әммә бөтәһе лә еңел бирелер тип уйламағыҙ, мотлаҡ көс түгергә тура килер. Тырышлығығыҙ арҡаһында өҫтәмә табыш алырһығыҙ. Һыуғояр (21.01 – 19.02). Һыуғоярҙарға был йылда ҡанат үҫкәндәй булыр. Ташып торған көс-ҡеүәт, дәрт һаулығығыҙҙы нығытырға ла, матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға ла, үҙ эшегеҙҙе асырға ла ярҙам итер. 2021 йылда йондоҙҙар һеҙҙең яҡлы тип әйтергә лә була. Алдан һиҙеү тойғоһо яңы проекттар араһында уңышлыһын һайлап алырға булышлыҡ итәсәк. Балыҡ (22.02 – 20.03). Һеҙгә яҙмыш йыл башында уҡ ҙур бүләк әҙерләгән: ул лоторея билетында еңеү, көтөлмәгән табыш, бүләк, ниәттәрҙең тормошҡа ашыуы булырға ла мөмкин. Юғары көстәрҙең ярҙамын тойорһоғоҙ, мөмкинлектәрҙең бер өлөшөн булһа ла файҙаланып ҡалһағыҙ, йыл иң иҫтәлекле осор булып хәтерегеҙҙә ҡалыр. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Динә Ғәзиздең былай асыуланыуын беренсе тапҡыр күрә ине. – Нимә булды? – тип аптыранды ул. – Минең бөтә эштәр хәл ителде, – тине лә ир, ҡағыҙҙарға күрһәтте. – Ошо ер майҙанын һәм йортто һатып алғанда хужа кеше уның хосусилаштырылмауын миңә әйтмәгән. Һуңынан асыҡланыуынса, был баҡсасылыҡ йәмғиәтендә, ҡалаға терәлеп тороу сәбәпле, шәхси милеккә күсереү мәсьәләһе хәл ителмәгән. БЕРЕНСЕ ИР, ИКЕНСЕ ҠАТЫН Хикәйә Өсөнсө өлөш – Ә бының ниндәй ҡурҡынысы бар? – тип һораны Динә. – Ошо баҡсалар йәмғиәтен, “Һалҡын шишмә”не, ҡаланың бер бик көслө торлаҡ төҙөлөшө ойошмаһы үҙенә алған. Ә был егеттәр – уның вәкилдәре – бында кемдәр йәшәгәнен, нисә кеше йәшәгәнен асыҡлап йөрөй. – Бәлки бында йәшәгәндәргә алмашҡа фатир бирерҙәр? – тип һораны Динә. – Ай-һай, бирерҙәрме икән? Хәҙерге капиталистар осһоҙораҡты, еңелерәкте, анһатты эҙләй. Шуға мин уларҙың нимәлер тәҡдим итеренә шикләнәм. – Ә төҙөлөш ойошмаһының исеме бармы? – Ниндәйҙер “ЭлитСтрой”, тинеләр. “ЭлитСтрой”?.. Ысынлар та, Закир етәкселәренең береһе булған төҙөлөш компанияһы бит. Әгәр үҙе менән һөйләшеп ҡарағанда?” – тип уйланды Динә. – Хәҙер фатир эҙләргә тура килә инде. Бында малайға йәтеш ине – саф һауа, тыныс. – Мин аңламайым, – тип аптыранды Динә. Нисек итеп, кеше йәшәгән йорттарҙы ҡутарып ташлап, ерҙәрен тартып алмаҡ кәрәк? – Һеҙҙең бер ҡатлы булыуығыҙ мине аптырата, Динә ханым! – тип туҙынды Ғәзиз. – Һеҙгә беҙҙең илдә, коммунизмға ҡарағанда, капитализмдың уңышлыраҡ төҙөлөүен иҫкә төшөрөп тороу кәрәкме икән? Коммунистар 70-80 йыл беҙҙе әүрәтеп йөрөһә, капиталист әфәнделәр, үҙҙәренең ҡоролошон урынлаштырыу буйынса бик әүҙем булып сыҡтылар. – Хәҙер нимә була инде? – тип һораны Динә. – “Һалҡын шишмә” ширкәте биләгән майҙанға бер-ике ҡеүәтле генә бульдозер килеп төшәсәк һәм төҙөлөш майҙаны барлыҡҡа киләсәк һәм бөйөк төҙөлөш башланасаҡ. – Ярай, халыҡҡа төҙөйәсәктәр бит, – тине Динә. – Торлаҡ төҙөлөшө күбәйһә, бәлки хаҡы ла төшөр. Бөгөн сабыйҙы тағы ла йыуындырҙылар. Төштән һуң балалар поликлиникаһынан педиатр килеп китте. Табип малайҙың үҫешен ҡәнәғәтләнерлек тип тапты, ниндәй ярҙам кәрәк булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Ҡайтҡас, бер аҙ саф һауала йөрөнөләр. Шул ваҡыт эргәләренә ҙур бер джип килеп туҡтаны һәм унан аптыранған Закир килеп төштө. – Һине, ошо тирәлә булырға тейеш, тип уйлай инем. – тине ул аптыранып. – Уйлап та өлгөрмәнем, һеҙ килеп сыҡтығыҙ. Ҡайҙа, күрһәтегеҙ әле малайығыҙҙы. Закир бик ентекләп малайҙы ҡараны, шул арала Ғәзиз менән танышты. – Эх, ошондай бер малай үҫтереп буламы инде? – тип һөйләнеп ҡуйҙы. – Оҙаҡ булмаһаң, өйгә бергә ҡайтырбыҙ. – Был кем булды? – тине Ғәзиз, бер нимә лә аңламай. – Минең ирем, – тине. – Закир Зөфәр улы. Маннанов. Уның хаҡында ишеткәнең бармы? – Беренсе тапҡыр күреүем, – тине Ғәзиз. Өйгә инделәр, сәй ҡуйҙылар. – Беҙ оҙаҡламай хушлашырбыҙ ахыры, – тине Ғәзиз. – Нисек хушлашабыҙ? Һин ҡайҙалыр күсенергә йыйынаһыңмы? – Юҡ, мин баҡсанан күсенеү тураһында киҫәтеүҙе алдым. Хәҙер ҡаланан фатир эҙләргә тура киләсәк. Мин һеҙгә күпме түләргә тейешмен? Һинең алда, Динә ханым, бурыслы булғым килмәй. – Беҙ бит эш хаҡы тураһында һөйләшмәнек. Шулай булғас, был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. – Юҡ, мин һине бушҡа эшләтергә теләмәйем. – Ә мин бушҡа эшләмәнем, – тине Динә. – Һинең менән сабыйҙы тәрбиәләргә, уны кейендерергә, ашатырға өйрәндем. Ул – үҙе бер мәктәп. Бының өсөн мин үҙем түләргә тейеш түгелме икән? Нисек уйлайһың? – Хәҙер заман үҙгәрҙе бит. Бушҡа, эш хаҡы алмайынса, хеҙмәт күрһәтергә теләгән кешене табыуы ҡыйын. – Ирекмәндәр хеҙмәте шуның өсөн дә ойошҡан. Түләй алмаған кешеләр ҙә бар, уларҙы урамда ҡалдырып булмай бит. Ә мин һинең сабыйың өсөн ҡыуанам, Ғәзиз. Мин уны беренсе тапҡыр күргәндә, ул шул тиклем ярҙамға мохтаж ине. Ана нисек үҫеп килә ул! Үҙе лә беҙгә өйрәнде шикелле. Беҙҙең тауышыбыҙ сыҡһа, шунда уҡ ынтылып, тирә-яҡҡа ҡарап ҡуя. Мин уға шул тиклем өйрәндем. Һеҙҙән башҡа, нисек йәшәрмен икән? Динәнең күҙҙәре йәшләнде. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, Ғәзизгә тотондо. Ир уны, йыуатыр өсөн, ҡосаҡлап алды. Ни эшләһен Динә, шунда уҡ ирене лә ҡуйҙы. Оҙаҡламай Закирҙың джибының килгәне ишетелде. Динә, әйберҙәрен йыйып, машинаға сығып ултырҙы. – Һиңә ни булды? – тине Закир, уның илағанын күреп. – Әллә берәйһе рәнйеттеме? – Эйе, мине рәнйеттеләр. – Кем ул? – Кем булһын, һин рәнйетең мине. – Аңламайым. Төшөндөрһәңсе. Мин һине нисек рәнйеттем? – Сөнки һин етәкселек иткән компания оҙаҡламай ошо ерәрҙе тип-тигеҙ итеп ҡырып-таҙартып ҡуясаҡ. Бейек-бейек йорттар төҙөр өсөн. Ә бәләкәй баҡса йорттарында йәшәгән кешеләрҙе урамға һөрөп сығарасаҡ. Ошонда йәшәргә иҫәп тотоп, баҡса һатып алып, алданған Ғәзиз менән уның яңы тыуған сабыйы, Риф, урамда тотоп ҡаласаҡ. – Мин нисек ярҙам итә алам? – тине Закир. – Ярҙам итеүҙең бер генә юлы бар. Һин ошондағы төҙөлөш эштәрен туҡтата алаһыңмы? – Юҡ, әлбиттә! Был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. – Ни өсөн? Һин бит – компания етәксеһе! – Сөнки мин – менеджменттың күренгән өлөшө генә. Минең өҫтә һәм эргәмдә – ошонда аҡса һалған, инвестицияларын икеләтә, өсләтә, бишләтә ҡайтарырға теләгән кешеләр тора. – Һин уларға ҡаршы бара алаһыңмы? – Саҡ ҡына шик булһа, улар мине юҡ итәсәк һәм миңә мөнәсәбәте булғандар, теләктәшлек күрһәтеүселәр ситләтеләсәк. – Ә баҡса йорттарында йәшәүселәргә фатир бүлеп, уларҙың зыянын ҡаплатыу ғәҙел булмаҫ инеме? – Беренсенән, уларға компенсация түләһәң, табыш кәмейәсәк, инвестор быны күтәрә алмаясаҡ һәм риза булмаясаҡ. Икенсенән, бындағыларҙың береһенең дә ергә хоҡуғы юҡ. Был ерҙәр – дәүләт ҡарамағында. Фатирҙар ҙа ошонда йәшәгән кешеләргә бүленәсәк, бер өлөшө һатыласаҡ. Шулай булғас, кешеләр мәнфәғәте яҡланмай тип әйтеп булмай. – Ә беҙ Ғәзиздең ғаиләһенә ярҙам итә алабыҙмы? – Ярҙам тигәндә, нимәне күҙ уңында тотаһың? Шәхси төҙөлөш компанияһы ирекмәндәр йәмғиәте түгел. Хәйриә акциялары менән шөғөлләнеү өсөн, беҙҙә байтаҡ сығымдар ҡаралған. Ләкин улар иҫәбенә фатир һатып алыу һәм мохтаждарҙы тәьмин итеү инмәй. Киске тамаҡты икәүләп күңелһеҙ генә итеп ашанылар. Динә Ғәзиз менән уның улын уйланы. Шулай бер нисек тә ярҙам итеп булмаҫмы икән? Закир ҙа үҙенең бүлмәһендә уйланып ултыра. Әлбиттә, был иргә балаһы менән ярҙам итергә кәрәк. Ләкин нимә иҫәбенә? Яңынан үҙенең улын иҫкә төшөрҙө. Әгәр үҙенең балаһын ҡарай алмай икән, башҡаларға ярҙам итһә, килешерме? Динәһе лә әлеге балаға эҫенеп киткәйне. Бәлки балалар йортонан берәр сабый алып, үҙен тынысландырырға кәрәктер? Динә аш бүлмәһен йыйыштырып йөрөй ине. Закир килеп ингәс, уға бер генә күҙ һалып ҡуйҙы. – Һин нисек уйлайһың, бөгөн күргән сабыйҙы бәлки атаһы беҙгә тәрбиәгә бирер? Ул, барыбер, үҙе генә ҡарай алмай түгелме һуң? Динә иренә, һин нимә һөйләйһең, тигән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы. – Үҙ улын ни өсөн беҙгә бирһен ул? – Ҡарай алмай, тигәйнең бит. – Өйрәнде, уның ҡулы килешеп тора. Хатта улын ярата. Бик матур, тыныс малай. – Һин теге ваҡыт, тәрбиәгә бала алайыҡ, тигәйнең. Был тәҡдимең көсөндә ҡалһа, мин – риза. Динә тағы ла иренә битараф ҡына ҡарап ҡуйҙы. – Уйларға кәрәк, – тине ул. – Нимәһен уйлап тораһың? Барабыҙ ҙа, һайлайбыҙ ҙа алабыҙ. Тик асыҡлайыҡ һәм һөйләшеп ҡуяйыҡ: малай алабыҙмы, әллә ҡыҙыҡаймы? Дауамы бар. ––––––––––––––––––– Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Автор:Р. ҒӘЛИМОВ Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эшһеҙлек проблемаһы сәбәптәрен билдәләне. Хәбәр итеүебеҙсә, кисә республика Хөкүмәтендә хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәйне. Саранан һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлеште. “Бөгөн президиумда эшһеҙлек мәсьәләһен тикшерҙек. Әлбиттә, ҡаты карантин һәм мәжбүри торғонлоҡ осоронда уның үҫеүе аңлашыла. Беҙ был күренеш менән көрәшәбеҙ: пособиелар күләмен һиҙелерлек арттырҙыҡ, эш биреүселәрҙең сығымдарының бер өлөшөн ҡаплайбыҙ, йәмәғәт эштәре ойошторабыҙ һәм башҡалар. Әммә әле яҙмам был хаҡта түгел. Коронавирус – бик етди мәсьәлә, шулай ҙа ул айырым күренеш. Мине тәү сиратта системалы проблемалар борсой. Структуралы ҡараш ташлағанда, беҙҙең иҡтисади ихтыяждар һәм эш баҙарындағы тәҡдимдәр араһында етди дисбаланс бар. Бер йүнәлештә – эшсе көстәргә ҡытлыҡ һәм бик күп ҡулланылмаған вакансиялар, икенсеһендә – бер кемгә лә кәрәкмәгән резюмелар ебәргән кандидаттарҙың артыҡ күплеге. “Кәрәк булмаған” тип әйтеүем шунан: ошо тармаҡтарҙа бер вакансияға тиҫтәләрсә кандидат тура килә. Проблема бына нимәлә: эш биреүселәр хеҙмәт баҙары ихтыяждарын күҙаллауҙа ҡатнашмай, шуға ла ул ысынбарлыҡтан айырмалы рәүештә формалаша. Был әле йомшаҡ итеп аңлатҡанда. Ошоға бәйле нимә эшләргә һуң? Беренсенән, беҙ был йүнәлештә властың һәм эш биреүселәрҙең мөнәсәбәт структураһын үҙгәртәсәкбеҙ. Тап һуңғыларҙың фекере күҙаллауҙар, дәүләт көсөргәнештәре нигеҙендә ятырға тейеш, шул иҫәптән мәғариф тармағында ла. Дәүләт аҡсаһы беренсе сиратта иҡтисад аныҡ талап иткән һөнәрҙәргә уҡығандар өсөн сарыфланырға тейеш. Икенсенән, һөнәри йүнәлеш темаһы менән етди шөғөлләнә башлау зарур. Беҙҙә ул бик тә төшөнкө кимәлдә, элекке замандарҙағыса тормошҡа ашырыла һәм шуға күрә йәштәрҙең кәйефенә һәм ҡиммәттәренә тәьҫир итә алмауы ла аңлашыла. “Асыҡ ишектәр көнө”, профориентация стендтары кеүек әллә нисә тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән формаларҙан архаика, күңелһеҙлек “еҫе” килә, хатта һағышланып йоҡлап китергә мөмкин. Яңы технологик, шул уҡ ваҡытта ижади алымдар булмайынса, беҙ эшһеҙлек кеүек ҡатмарлы һәм күптәнге проблеманы хәл итә алмаясаҡбыҙ. Бөгөнгө ултырыштан һуң бына ошондай уйҙар тыуҙы. Барығыҙға ла сәләмәтлек!” - тип яҙҙы сәйәсмән үҙенең шәхси сәхифәһендә. Фото Андрей Назаровтың “Фейсбук”тағы сәхифәһенән. Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/a-ishlanip-yo-lap-kiterg-m-mkin-369079/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türkçe isiXhosa Íslenska Čeština Ελληνικά Башҡортса‎ Беларуская Мова Български Македонски Јазик Русский Српски Українська Мова Қазақша עִבְרִית اَلْعَرَبِيَّةُ اُردُو فارسی नेपाली मराठी मानक हिन्दी বাংলা ਪੰਜਾਬੀ ગુજરાતી தமிழ் తెలుగు ಕನ್ನಡ മലയാളം සිංහල ไทย ລາວ မြန်မာ ქართული ენა አማርኛ ភាសាខ្មែរ ᠮᠣᠩᠭᠣᠯ ᠬᠡᠯᠡ ᮘᮞ ᮞᮥᮔ᮪ᮓ 日本語 繁體中文 ꦧꦱꦗꦮ 한국어 Өлкәндәр Үҙәге Геймер Өлкәндәр уйындарын яратыусылар берләшмәһе барып ҡушылыу өсөн Кросс-Оптималләштереү Платформа Был уйын теләсә ниндәй төҙөлөшө эшләй бард Уйын Өсөн Барыһына Порно Секс уйындар тулыһынса бушлай, башҡа демо-версияһын тыш, теркәү Эстән Уйын Бушлай Туранан-Тура Хәҙер Уйнай Уйын Өлкәндәр Өсөн Был Яңы Newgrounds Тере Порно Наслаждайся һеҙ ҡасан әҙер булған ҡайһы бер өлкәндәр өсөн интернет күңеленең, һеҙ ҡарарға тейеш коллекция хардкорный уйынын сексуаль, уларҙы беҙ эконом ваҡытта һәм эконом на Adult Newgrounds күрһәтә. Был уйын да билдәле брендҡа ндә ойошторолған онлайн-уйындар, әммә беҙ был исем һайлау, яңы категорияға һәм енси сөнки был уйын. Уйын өлкәндәр өсөн төп үкһеҙ улар өлгөһөндә эшләргә, Newgrounds. Был уйын менән яңы графика бара ҡыҙыҡһыныусан һәм кросс-платформа совместимость., Был, сөнки уларҙың барыһы ла булдырылған html5 менән файҙаланыр, моғайын һеҙ наслаждаться булыуы һәм һәр мәленең үҙ мобиль яйланма йәки компьютерҙа уйнай ине улар. Был уйын тағы ла бер үҙенсәлеге-кастомизация кимәле, аватар өсөн уңайлыраҡ кеүек, сөнки персонаждар өсөн. Һеҙ шулай күренә улар мәжбүр итә алмаҫ, һеҙ нисек теләйбеҙ, бөтә хыялдарығыҙ төрҙәре башҡарыу, һеҙ уларҙы килеп ала. Беҙҙең сайтта натурал эштәрен һәм фантазия ғына түгел. Бер аҙҙан беҙҙе сайттары булып тора, барыһы өсөн уйын тәҡдим итә. Бөтә категориялары өсөн популяр гетеросексуал тыш, беҙ шулай уҡ бар булған өсөн уйын гейне, лесбиянки, ҡатын-ҡыҙ, һәм хатта һөйәр ялбыр пар. Сайтта шулай беҙҙең уйындар күп буласаҡ, хатта һеҙ нимә булһа ла белһәм, нимә менән башлана. Раят йөҙ сәғәт булһа, һеҙ уның ҡаршыһына бара. Наслаждайся барыһы да һеҙ уларҙы бушлай ала, һәм улар туранан-тура һеҙҙең браузер бөтә үрсей. Беҙҙең тәҡдимде ниндәй ҙә шарттар юҡ. Курс булғаның һәм барлығың өсөн, беҙ платформала беҙҙең реклама күрһәтте, сөнки беҙ тап шулай әйберҙәр ирекле тотҡан. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ аҙ күрһәтеү, реклама, улар һеҙгә ҡарағанда мейнстрим-порно., Барыһы тураһында беҙҙең сайт ентекле һөйләне түбән параграфында беҙ, өлкәндәр Newgroudns тураһында күберәк белә алаһығыҙ һәм һеҙ унда уйын тураһында һөйләне, шул тиклем яҡшы тәжрибәне беҙҙең сайтында алырға була. Уйын Өлкәндәр Өсөн Кәрәк Булған Бөтә Newgrounds - Булмауға ҡарамаҫтан, һеҙ кем булырға, ниндәй булыуы фантазиянан һәм һеҙ, һеҙ беҙҙең сайттан таба аласыз идеаль кисәһе өсөн шатлыҡ хардкорный уйын мотлаҡ. Беҙгә йөҙҙәрсә уйын булды, беҙ был коллекция йыйыу менән ҡасан, беҙ иң популяр һәм иң категория исемлегенә эҙләй алаһығыҙ, тик һирәк, уйын һәм уларҙың һәр береһе иҫәптә. Беҙҙең сайтта буласаҡ секс-симулятор, һынауҙар һындыра алманы менән һәр ҡайҙа һеҙ, һеҙ уның башына. Был экстремаль симулятор китерелә менән көй. Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар оҡшай һеҙгә хыял ала персонаждар эшләгән. Улар уйын менән һәм үҫмерҙәр порноигра mifl сайттарыбыҙ булғанда беҙ, һеҙ, улар изгинов һәм формаларын үҙгәртеү, уларҙың ҡайһы бер уйын мөмкинлек бирәсәк һезгә үҙгәртергә этник сығыштары, уйындар һәм хатта булған, һеҙ уларҙың был үҙгәртергә мөмкин-улар тураһында һөйләү күнекмәләрен һәм енси шәхес. Бындай азатлыҡ һәм енси симулятор менән килә., Иң экстремаль уйын процесында баш girlfriend БДСМ тиклем experience чувственный-gnu, һеҙ барыһы да ауыҙ секс-симулятор newgrounds өлкәндәр уйыны. Уйын Наслаждайся Сюжет Сексуаль Сөнки беләм, беҙ бик күп уйынсылар, улар беҙҙең сайтҡа инеп, эротика, ҡотосорғос, триллерҙар күберәк уйын һәм тарихы менән ҡыҙыҡһынды, беҙҙең RPG-текст порноигра һәм уйындар, улар һеҙ үҙәгендә тарих ҡуйыла. Ғаиләлә секс - был киҫкен хистәр тойорға мәжбүр итә, һеҙҙең уйын. коллекцияларында инцест. Был уйынды алып бара һәм ҡайһы бер нисә коновко, ҡарарына нигеҙләнеп, һеҙ уларҙың был юлы ҡабул ителә. World of Warcraft һеҙ беҙҙең сайтҡа парта уйнарға мөмкин булһа ла, персонаждарҙың үҙ сексуаль һәм уларҙы үтәү һеҙгә тура интенсив квест бер нисә кимәлгә күтәрҙе. Уйын Өлкәндәр Өсөн Һирәк Булды Шул Уйында Newgrounds Булһа, Улар Һеҙҙе Теләгән Инеш булараҡ телгә күҙәтеү инде был, сәйер уйын булды беҙҙең сайтта. Гей-секс-туҙбаш уйынға ла һирәк ир-аттар өсөн, секс булманы, тик беҙҙең леско-уйын, лесбиянки өсөн ул ысынлап ойошторола. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙең бөтә төр уйындар порно транс булһа, улар һеҙҙе теләгән инем, барлыҡ күрһәтергә, баш shemale-on-action shemale тиклем fucking on cis trans gameplay woman. - Булмауға ҡарамаҫтан, һеҙ ҡатын-ҡыҙ йәки ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙар оҡшай һеҙгә өсөн порноигр коллекцияһы, улар беҙҙең сайтта буласаҡ. Gnu менән был ҡайһы бер бармаясак, һеҙ ҙә сабыйҙар араһында ул хәтле популяр булыуы көтә., Бындай әйберҙәр күп, уларҙы наслаждаться хардкорный, көсләүҙәрҙе үҙ эсенә фантазияһы тураһында, gang bang уйын, хатта хыянат һәм хентай рогоносец һәм симулятор-yaoi уйын. Ә беҙҙең уйыныбыҙҙа ла булды, унда ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар бергә уйнай ала. Уйын сексуаль пар өсөн, беҙ уларға, беҙҙә сайтында тәҡдим итә, яңы идеялар ярҙам итәр һезгә был сексуальный переживаний индерелгән, улар һеҙгә үҙ партнеры менән кисерә. Һеҙ шулай уҡ аласыз наслаждаться уйындар, йәғни уны булдырыу өсөн, һеҙҙең һәм һеҙҙең өсөн идеаль партнер аша үткәреп сессия сексуаль, һәм һеҙ биргән идеяның тураһында һөйләне, шул тиклем яҡшы секс ала. Бөтә Ҡоролмаларын Бушлай Бөтә Уйын Бындай уйын менән өлкәндәр өсөн ғәмәлгә бик күп Newgrounds бара, тип үҙе алдында компьютер йәки кеҫә теләсә ниндәй төҙөлөшө һеҙ наслаждаться улар, һеҙ уларҙы алырға мөмкин буласаҡ. Беҙ был инанған, барлыҡ уйын һыналған, ул беҙҙең сайтта буласаҡ, бер нисә ҡоролма, күңеленең, һеҙ түгел төшә һәм уларҙан ҡалышмаҫҡа тип, ҡасан нәмә ҡыҙыҡ булмай башланы. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең сайтҡа бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Кәрәк түгел сайт һеҙҙең булһа, ҡушылып, һеҙгә уйнай алмаҫ элек тип, ниндәй ҙә була әйберләр талап итә торған тейәп, реклама һәм кәм тигәндә ҡайтарып ҡалдыра. Мәҫәлән, беҙҙең реклама юҡ, һеҙ уйнай торған уйын ваҡытында була., Берҙән видеореклама, ул беҙҙең сайтта буласаҡ, уйнай ине, әлегә уйын итеп загружаться. Беҙ күрһәтә һәм бер нисә gif-бите буйынса баннер ҡырын. Юҡһа, һеҙ, тип, реклама беҙҙең сайтта буласаҡ, тик һеҙ иң интерактив уйын бөтә итеп тойоп.
Оҙаҡламай һеҙҙең автомобилегеҙ булмаһа ла юлхәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф килеүе бик ихтимал. Киләһе йылданйәйәүлеләрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфө урамдарына меңгә яҡын урамкамералары ҡуйыласаҡ. Был видео-теркәгестәр кешеләрҙең йөҙөн хатаһыҙ таныясаҡ. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты Башҡортостан ерендә үҙенең тәүге емештәрен бирә башланы. Быйыл юлдарҙа туғыҙ ай эсендә, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, аварияларҙа үлем осраҡтары 8,8 процентҡа кәмерәк теркәлгән. Был республика тарихында беренсе тапҡыр һәм Рәсәйҙә бик һирәк ыңғай миҫалдарҙың береһе. Үҙегеҙ күреп йөрөйһөгөҙ, Башҡортостанда автомобиль юлдары төҙөү һәм ремонтлау эштәре бик яҡшы ҡуйылған. Сифатлы юлдар авто-һәләкәттәрҙең кәмеүенә, һис шикһеҙ, булышлыҡ итә. Хәҙер юлдарҙа заманса күҙәтеү саралары ла киң ҡулланыла, юл саттарында, транспорт күпләп йөрөгән урындарҙа, видео-теркәгестәр урынлаштырыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Оҙаҡламай Өфөлә тағы ла шундай 62 видео-фото теркәү камералары урынлаштырыласаҡ. Оҙаҡламай һеҙҙең автомобилегеҙ булмаһа ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф килеүе бик ихтимал. Киләһе йылдан йәйәүлеләрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфө урамдарына меңгә яҡын урам камералары ҡуйыласаҡ. Был видео-теркәгестәр кешеләрҙең йөҙөн хатаһыҙ таныясаҡ. Шуға күрә юлдарҙа һаҡ булығыҙ, һеҙҙең ғүмерегеҙҙең именлеген һаҡларға теләүселәр күбәйәсәк. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Хаҡлы ялдағыларҙың матди тәьминәтенең дөйөм күләме төбәктәге йәшәү минимумы дәүмәленә етмәгән осраҡта, барлыҡ эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын ошо йәшәү минимумына еткереү өсөн, федераль йәки төбәк социаль өҫтәмәһе билдәләнә. Федераль социаль өҫтәмә Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдары тарафынан түләнә. Төбәк социаль өҫтәмәһе иһә ил төбәгендә пенсионерҙың йәшәү ми­ни­мумы Рәсәй буйынса ошондай уҡ күрһәткестән юғарыраҡ, ә аҡсалата тәьми­нәтенең дөйөм күләме төбәктәге йәшәү минимумынан түбәнерәк булған осраҡта, социаль яҡлау органдары тарафынан түләнә. Эшләмәгән пенсионерҙың дөйөм матди тәьминәте дәүмәлен иҫәпләгәндә түбән­дәге түләүҙәр иҫәпкә алына: l пенсиялар, шул иҫәптән пенсионер ошон­дай пенсияларҙы алыуҙан баш тартҡан осраҡта ла; l сроклы пенсия түләүҙәре; l өҫтәмә матди (социаль) тәьминәт; l ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр (шул иҫәптән социаль хеҙмәттәр йыйыл­маһы хаҡы); l Рәсәй Федерацияһы төбәктәре ҡануниәте менән билдәләнгән аҡсалата сағылыштағы башҡа социаль ярҙам саралары (бер тапҡыр күрһәтелә торған социаль ярҙам сараларынан тыш). Пенсионерҙың дөйөм матди тәьминәте күләмен иҫәпләгәндә телефондан, торлаҡ бинанан һәм коммуналь хеҙмәттәрҙән файҙаланған өсөн түләү буйынса уға күрһәтелгән социаль ярҙамдың аҡсалата эквиваленттары, йәнә ошо хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымды аҡсалата компенсациялау иҫәпкә алына. Йыл һайын индексация үткәргәндә... “Дәүләт социаль ярҙамы тураһында”ғы Федераль закондың 12.1-се статьяһына һәм “Рәсәй Федерацияһында йәшәү минимумы тураһында”ғы Федераль закондың 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль закон ҡабул ителеүгә бәйле, 2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсияға социаль өҫтәмә билдәләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Социаль өҫтәмә түләү кимәле түбәндәгесә иҫәпләнә: 1) иң элек пенсионерға билдәләнгән аҡсалата түләүҙәрҙең (пенсия, сроклы пенсия түләүҙәре, өҫтәмә матди (социаль) тәьминәт, ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре ҡануниәте менән билдәләнгән аҡсалата сағылыштағы башҡа социаль ярҙам сараларының) дөйөм күләменән сығып, пенсияларҙы һәм бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәрҙе индекса­циялауҙы иҫәпкә алмайынса, пенсияға социаль өҫтәмә күләме билдәләнә; 2) пенсионерҙың дөйөм матди тәьминәте күләмен иҫәпләгәндә, телефондан файҙаланыу, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, бөтә төр пассажирҙар транспортында (ҡала, ҡала яны һәм ҡала-ара) юл хаҡын түләү буйынса социаль ярҙам сараларының аҡсалата эквиваленттарынан, шулай уҡ күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымды аҡсалата компенсациялауҙан тыш, уға Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәре ҡануниәтенә ярашлы, натуралата күрһәтелгән социаль ярҙам саралары иҫәпкә алынмай. 3) артабан пенсияға социаль өҫтәмәнең билдәләнгән күләме, ағымдағы йылдағы индексацияны иҫәпкә алып, пенсионерға тәғәйенләнгән дөйөм аҡсалата түләүҙәр күләменә ҡушыла. “Бер кем дә ҡартлыҡҡа аҡса тупламай…” Пенсияның тупланма өлөшөн си­раттағы “туңдырыу” тураһындағы закон проекты хупланды – хәҙер инде 2024 йылға тиклем. Бойондороҡһоҙ профсоюздар феде­рацияһы пенсия тәьминәтендәге туп­ланма компонентты бөтөнләй юҡҡа сығарырға тәҡдим итә, сөнки Рәсәйҙә тупланма өлөшкә ҡағылған идеяның тормошҡа ашырылыуы уны дискредитациялай. Нимә ул пенсияның тупланма өлөшө? Төрлө илдәрҙә пенсия тәьминәте системаһының нигеҙен төп пенсия тәшкил итә. Кеше пенсия йәшенә еткәс йәки законда ҡаралған башҡа осраҡтарҙа (мәҫәлән, инвалид булып, эшкә һәләтен юғалтһа), дәүләт уға пособие түләй башлай. Быға аҡсаны дәүләт теләктәшлек принцибы буйынса таба: әле эшләп йөрөгәндәр үҙҙәренә тиклем эшләгән кешеләр файҙаһына килеменең бер өлөшөн дәүләткә тапшыра. Һәм быуындан-быуынға шулай дауам итә. Пенсия менән тәьминәттең алдынғы моделе пенсияның төп өлөшө менән бер рәттән тупланма өлөштөң дә булырға тейешлеген күҙаллай. Тупланма өлөш индивидуаль, ул теге йәки был хеҙмәткәрҙең квалификацияһына, килеменә һәм йәштән үк ҡартлығын хәстәрләргә әҙерлек кимәленә бәйле. Был модель немец пенсионерҙарына хас. Улар хаҡлы ялға сыҡҡас та, донъя буйлап әүҙем сәйәхәт итә башлай. Ә Рәсәйҙә иһә хеҙмәт пенсияһында туп­ланма компонент 2002 йылғы пенсия реформаһы осоронда ғына барлыҡҡа килде. Уның маҡсаты – пенсияның бүлеү моделенән бүлеү-туплау моделенә күсеү. Хеҙмәт пенсиялары тураһындағы законға ярашлы, улар ике өлөштән – страховка (мотлаҡ) һәм тупланма өлөштәрҙән торорға тейеш. Страховка өлөшөнә пенсияның аныҡ билдәләнгән төп күләме индерелә, уны дәүләт ваҡыты-ваҡыты менән индексациялай. Бында хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәткәрҙең стажы һәм эшләп йөрөгән һәр кешегә Рәсәй Пенсия фондында асылған шәхси иҫәпкә күсерелгән аҡса бүлемдәре күләме ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо иҫәптә пенсияның тупланма өлөшө йыйылырға тейеш. Ул айлыҡ эш хаҡынан бүлемдәр (эш биреүсе тарафынан күсерелә) һәм инвестиция килеме иҫәбенә тулылана. Аҡса шәхси иҫәптә “туңып” ятмаһын өсөн уны инвестициялайҙар. Рәсәй Пенсия фонды бының менән “Внешэкономбанк” аша, ә дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары үҙҙәренең программалары буйынса шөғөлләнә. Әлегә Рәсәйҙә пенсияның тупланма өлөшөн түләмәйҙәр. Реформала күҙаллан­ғанса, хаҡлы ялға сыҡҡан тәүге көслө заттар (1967 йылғылар) уны 2032 йылда ғына аласаҡ. Тәртип даими үҙгәреп тора. Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Рулдә йоҡлап китмәү өсөн махсус беләҙек кейҙерәсәктәр2021 йылда яңы яйланманы тағырға айырыуса пассажир автобустары водителдәрен мәжбүр итәсәктәр. 2021 йылда яңы яйланманы тағырға айырыуса пассажир автобустары водителдəрен мəжбүр итəсəктəр. Уның ярҙамында электромиография ысулы менəн рулдəге кешенең хəле контролдə тотола. Йəғни белəҙеккə баш мейеһенең əүҙемлеге хаҡында мəғлүмəт еткерелə. Бөгөн барлыҡ юл – транспорт ваҡиғаһының 20 проценты водителдең йоҡоға талыуы арҡаһында килеп тыуа. РФ Транспорт министрлығы хəбəр итеүенсə, “йоҡоға ҡаршы” белəҙек (“Антисон”) бөгөн Бөйөк Новгород һəм Тула ҡалаларында һынау үтə. "Йәшлек" гәзитенән. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала. 1955 йыл — А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай; 1955—1959 йылдар — республика гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр; 1959—1964 йылдар — Салауат районында «Йүрүҙән» колхозы, «Һарғамыш» совхозы комсомол ойошмаһы секретары, район гәзитендә бүлек мөдире; 1964—1966 йылдар — «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (Өфө ҡалаһы) әҙәби хеҙмәткәр; 1968—1972 йылдар — «Башҡортостан ҡыҙы» журналында «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы секретары. Әҙәби ижады Рәми Ғарипов ижады матбуғатта 1950 йылдан күренә башлай. Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай. Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «Табыныу» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б. Баҫылған китаптары Йүрүҙән: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1954. — 48 бит. Таш сәскә: Лирика. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. — 160 бит. Һабантурғай йырҙары: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 104 бит. Осоу: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 128 бит. Аманат: Йырҙар, шиғырҙар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 144 бит. Горицвет: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — 95 стр. (рус.) Миләш — кәләш: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 80 бит. Йондоҙло уйҙар. (Р. Бикбаевтың баш һүҙе менән.): Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 240 бит. Умырзая йыры. (Ғ. Хөсәйеновтың баш һүҙе менән.): Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 334 бит. Возвращение. (С предисловием М. Карима.): Стихотворения и поэма. Москва: «Современник», 1981. — 174 стр. (рус.) Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Үҙ ғүмере эсендә бер тапҡыр ҙа күрмәһә лә, Уның Аллаһ икәнен Әхәт хәйләһеҙ, шул тиклем арбағыс, сабыйҙарса ҡарашынан, балҡып торған йөҙөнән һәм оҙон һаҡалынан шунда уҡ таныны. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән ерҙән күккә: – Эй, Алла баба-ай, тө-өш әле-е бынд-а-а! – тип ҡысҡырҙы. Илаһи зат семәрләп эшләнгән, башына ғына ҡояш һүрәте төшөрөлгән, ике яҡ осона алтындан ҡыңғырауҙар таҡҡан таяғын алға һондо ла былай тип яуапланы: – Эшем бөтмәгән әле, бер аҙ тын алғас, йома көнө ауылығыҙға килермен, туҡал һыйырыңды һуйып көтөп тор, йәме, Әхәт ҡолом. Мөнир ҠУНАФИН (хикәйә) Быуат та юҡ, йыл да, сәғәт тә юҡ, Ваҡытһыҙлыҡ итә тантана. Ваҡытһыҙлыҡ ҡоло – иманһыҙлыҡ Ҡара дегет сәпәй ҡапҡаға. Мостай КӘРИМ. Яңы бесәнен тамамлаған Бәрей Әхәт аҙна башында, таң алдынан хәтәр төш күрҙе. Аллаһтың, эйе, Хоҙайҙың үҙен күрҙе. Кешегә һөйләһәң, ышанмаҫ! Хаҡ Тәғәлә – илаһи зат үҙе – ауылдың ғәмһеҙ һәм бошонмаҫ Бәрейенә әҙәм тауышы менән өндәшһенсе әле! Ап-аҡ мендәрҙәргә, әллә ап-аҡ ҡабарып торған болоттарғамы шунда, аяғын бөкләп ултырған да, бейектән, түр башынан ғына аҫҡа, Ергә бағып китеп бара ине. Быҫҡаҡ ямғыр яуып торған көйһөҙ көндә бесән сабып йөрөгән Әхәт ҡапыл донъяның яҡтырып китеүен шәйләп, тирләгән устарын маңлайына терәп, күккә баҡҡайны, эйе, шул мәл Уны күреп ҡалды. Ҡыҙыҡ ҡына тойолдо тәүҙә, илаһи заттың бөкләнгән аяҡтары менән көлөп торған нурлы ҙур һаҡаллы йөҙө генә күренде уға. Ә бына кәүҙәһе юҡ ине, томан эсендә ҡалған инеме инде. Үҙ ғүмере эсендә бер тапҡыр ҙа күрмәһә лә, Уның Аллаһ икәнен Әхәт хәйләһеҙ, шул тиклем арбағыс, сабыйҙарса ҡарашынан, балҡып торған йөҙөнән һәм оҙон һаҡалынан шунда уҡ таныны. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән ерҙән күккә: – Эй, Алла баба-ай, тө-өш әле-е бынд-а-а! – тип ҡысҡырҙы. Илаһи зат семәрләп эшләнгән, башына ғына ҡояш һүрәте төшөрөлгән, ике яҡ осона алтындан ҡыңғырауҙар таҡҡан таяғын алға һондо ла былай тип яуапланы: – Эшем бөтмәгән әле, бер аҙ тын алғас, йома көнө ауылығыҙға килермен, туҡал һыйырыңды һуйып көтөп тор, йәме, Әхәт ҡолом. Тауышы ҡалын һәм ышаныслы ине. Әхәткә уның кешесә һөйләшкәненән бигерәк Аллаһ һынлы Аллаһтың башҡортса белеүе оҡшаны. Тағы ла, уны исемләп Әхәт тип өндәшеүе бөтөнләй аҡылдан яҙҙыра яҙҙы. Ул һөйөнөсөнән үлән араһынан саба икән. Эй йүгерә, эй йүгерә. Ә күктә Аллаһ йөҙөп бара. Эй, рәхә-әт. Шулай күпме йүгерер ине икән? Бер мәл ҡаҡ иҙәнгә ҡолап килеп төштө лә уянды. Уянды ла өҫкә ҡарап тын ғына ята бирҙе. Донъя һил ине, яңы таң атып килә. Бер йән эйәһе генә, үрмәксе ауына эләккән себенме инде, нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдереп киҫкен генә тауышланып ала ла тынып ҡала. Тағы зыр-зыр килә, тағы тына. Тауыш тынған арала Әхәт күҙен йомған килеш төшөн күҙ алдына килтереп ятты. Ирекһеҙҙән ирендәре үҙенән-үҙе йылмайҙы. Шунан тағы ла зыр-зырҙы тыңланы. “Ҡарасәле, шундай ҙа төш булыр икән, гонаһ шомлоғо. Был, ысынлап та, Аллаһтың үҙе булды түгелме?” – тип тағы түбәгә ҡарап төшөн иҫләп ятты. “Йома көнө, тине”. – Ә бөгөн ниндәй көн әле, Шәрифә? – тип ҡаҡ иҙәндән һикереп килеп торҙо үҙе. – Иртә әле, ят, балаларҙы уятаһың, – тип мығырҙаны йоҡо аралаш йыуан бисәһе. Ятманы ир. Ихатаға сыҡты. Һарғайып таң атып килә. Тынлыҡ. Кисә һарай башына килеп ятҡан яңы бесән еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Әхәт үрелеп кенә бер ус бесәнде йолҡоп алды ла танауына килтерҙе. Бер аҙ күҙен йомоп торҙо: ҡалай кинәнес! “Үлән түгел, витамин был”. Уға рәхәт ине. Бәрей тигән ҡушамат уға ауылдаштарынан артыҡ тырыш һәм үҙен генә ҡайғыртыусан, саманан тыш үҙ һүҙле булғаны өсөн тағылған. Йыйылыш, йыназаларға йөрөмәй ул. Ауыл буйынса өмә-фәлән ойошторһалар ҙа бармай. “Кеше араһында йүнем юҡ” тип түгел, ә “унда миңә ни ҡалған” тип. Бисәһен дә бик йөрөтмәй. Барғанында ла, етешһеҙлек күреп, йә берәй хужа кеше менән һүҙ көрәштереп, бәхәсләшеп ҡайтып инә. Бәрейең ҡотортҡандыр, ниңә хужа менән талашаһың, тип ҡаршы ала бисәһе. Ә үҙенең ихата тирәһе гөлт итеп тора. Ҡышҡыһын уның урамы эсендә бер бөртөк ҡар ҙа булмай, йыбанмай Әхәт, көрәп тә, кәритәгә һалып та, бәрәңге баҡсаһына сығарып тау итеп өйөп ҡуя. Июль тыуыр-тыумаҫтан, башҡаларҙы ҡотортоп, үлән етешер-етешмәҫтән бесәнгә төшөп киткән була. Өлгөрмәҫмен тип ҡурҡамы. “Кешегә быҡмаған бәндә, фу, беҙҙең заттан түгел был, бәрейҙер ул”, – тигән кемдер. Шунан киткән дә инде Бәрей тигән ҡушамат. “Туҡал һыйырыңды һуйып көтөп тор, йәме...” “Ә беҙҙең өс һыйыр араһында, ысынлап та, туҡалы бармы һуң әле?” Ялан кәртә эсенә күҙ һалды. Ике оло һыйырҙың мөгөҙҙәрен тарбайтып “һағыҙ сәйнәп” ятыуҙары. Ә быныһы, йәш һыйыры һуң? Торғас та “шап та шоп” килеп “ҡоймаҡ ҡойоп” торған малына, тәү күргәндәй, оҙаҡ ҡына бағып торҙо хужа. Ҡарасәле, ошоғаса иғтибар итмәгән, быныһы туҡал икән дәһә. Мөгөҙҙәре юҡ, улар урынында ҡалҡыр нәмә ҡалҡалмайса туҡтап ҡалған. Ҡалай, Аллаһтың белмәгәне юҡ икән дә! Хәл юҡ, йома көнө һине ҡорбан итергә лә тура килер, – тип ул һыйырының муйынын һыйпап алды. – Һәр мал да Аллаһ һынлы Аллаһ хөрмәтенә ҡорбан булыу бәхетенә ирешмәй. Төшө лә, хыялы ла, күҙ алдына килтергән табыны ла татлы ине Әхәттең. Табынды Мәндем буйында ҡорор. Аҡ таштар өҫтөнән сылтырап ҡына аҡҡан ерен тоҫмаллап. Хозур урын тейешле булыр оло ҡунаҡҡа. Аллаһ көн һайын киләме? Ҡорбан минән буласаҡ. Мансур мулланан салдырған булырмынмы инде? Табында ит-һөт, икмәктән башҡа затлы ризыҡтар ҙа урын алыр, тик... Дуҫтар-туғандарға әйтеп ҡуйырға кәрәк, әсе-сөсөһөн алып килеп оятҡа ҡалдырып ҡуймаһындар тағы. Тәңре ундай нәмәне бик тә мөрхәтһенмәй, тиҙәр бит. Аллаһ янында кем урын алыр икән? Силсәүит Барый менән Мансур мулламы инде? Ә мин? Минең төшкә инде лә һуң Ул, тимәк, Аллаһтың бер яғында тучны минең урын. Хаҡ тәғәлә уны үҙе лә белә инде. Һей, беҙҙең түрәләргә ышанһаң, Уның һүҙенә лә иғтибар бирмәй, һөмһөҙләнеп менеп ултырырҙар әле түргә. Бына күрерһең, алдан аңғартып ҡуймаһаң... Телмәр тоторға ҡушһалар, сығыш-фәлән дә әҙерләп ҡуйырға кәрәк булыр. Ыҡ-мыҡ килеп тороп, Хоҙай алдында ла, халыҡ алдында ла оятҡа ҡалыуың бар. Һуңынан, аҙаҡ инде, үлгәс, һөйләгәнең оҡшаманы теге ваҡыт, ожмахҡа һиңә юл ябыҡ, тип әйтерлек булмаһын Аллаһ. Берәй оҙон ғына көйҙө лә һуҙып ебәргәндә. Аллаһҡа оҡшарға тейеш ул. Башҡорт халыҡ йырҙарының доғалар кеүек шифалы икәнен беләме икән Тәңребеҙ?! “Уралым”ды һуҙырмы? Ожмахтың үҙе ул Урал”, – тип өҫтәгәндә... Улай тиһәң, теге донъялағы ожмахты кәмһеткән һымаҡ булмаҫмы икән? Һе, теге донъялағы ожмахты күргән булмағас, беҙгә Урал ожмах инде, тиермен, тегеһен дә күрергә өлгөрөрбөҙ әле, тип тә ебәрермен... Хыял өҙөлдө, биҙрәләрен шалтыр-шолтор килтереп йыуан Шәрифәһе килеп сыҡты. Һәр ваҡытағыса, бер күҙе асыҡ, икенсеһе әүен баҙарынан ҡайтып етмәгән икән әле. Оҙон итәкле күлдәктең бер салғыйы өҫтәрәк ҡыҫылып ҡалған. Бер күҙе асылмаһа ла ирен күрә әле үҙе, ауыҙын асып иҫнәй-иҫнәй: – Нимә артыңа урын таба алмай, таң менән йөрөйһөң? Ҡояш һинһеҙ ҙә ҡалҡа ул, Алла түгелһеңдер бит, – тип мығырҙаны. Бая уятып көн тураһында һорау оҡшамағанмы, әллә һул яғы менән торғанмы. “Алла түгелһеңдер, имеш. Белмәй әле иренең ниндәй шәп төш күргәнен, албаҫты. Иртәнге сәй артында әйтер”. * * * Һыйыр-һарыҡтарын көтөүгә ҡыуып, бит-ҡулын сайҡатҡас, ҡаймаҡ урлап ашаған бесәй кеүек мут ҡына йылмайып килеп ултырҙы ул өҫтәл артына. Эстән баяғы төш һаман йылыта ине уны. Бисәһе менән уртаҡлашҡыһы килде. Һүҙҙе ситләтеп башланы: – Шәрифә, бөгөн иғтибар итә ҡуйҙым әле. Баҡһаң, беҙҙең бер һыйыр туҡал икән дә. Ҡайнар сәй бисәһенең кәйефен бер сама күтәргән ахыры, ихлас яуапланы: – Таң менән мөгөҙ һынап йөрөнөңме ни? Ниндәй туҡал булһын, хужаһына оҡшап һөҙөшкәк бер нәмә. Бер мөгөҙөн үткән яҙ, көтөүҙең башында уҡ һындырып ҡайтҡанын иҫләмәйһеңме ни? Иҫләмәйһеңдер шул, Люксембургта инең бит әле. “Люксембургҡа китеү” тип аҙналар буйы туҡтамай эсеүҙе әйтәләр беҙҙең яҡта. Ҡасандыр Бәрейҙең олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында шундай ил барлығын ишетеп ҡайтҡанмы инде, нисек кенә булмаһын, бының эсеүенән ялҡҡан бисәһе, Бәрейҙең өләсәһе, ирен борослап-тоҙлап әрләй башлаһа, яугир ир, юҡ, бында йәшәп булмай, Люксембургҡа китәм, тип томана наҙан бисәһен ҡурҡыта икән. Тегеһе йомшара, китмәһен тип, киреһенсә һыйлай икән, ир бирмәк – йән бирмәк бит. Шунан “Люксембург”тан арып-талып ҡайтып төшә ҡарт. Һуңынан ташланы был ғәҙәтен, ә бына лаҡап һүҙе ҡалды. Һүҙе генә түгел, ғәҙәте, нәҫелдән төшмәй, ейәненә лә килеп етте. Әхәттең дә “Люксембург”ты үҙ иткән саҡтары булып ала. Йылына ике-өс тапҡыр олатаһын да уҙҙырып барып ҡайта инде ул был “илгә”. Тик оло эштәр бөткәс, йә яҙғы сәсеү тамамланғас, йә етерлек бесән әҙерләгәс, йә баҫыу эштәре теүәлләнгәс. Шәрифәһе белеп бөткән. Ире “Люксембургҡа китте” икән, аҙнаһыҙ барыбер ҡайтмаясаҡ. Шуға ауыҙ һүҙен ҡоротоп ҡысҡырмай ҙа, сығынламай ҙа, киреһенсә, ашҡаҙаны янып ҡуймаһын тип өҫтәлен бешкән аштан, башҡаһынан өҙмәҫкә тырыша. – Ә икенсеһе? – мөгөҙ тураһында һүҙе Әхәттең. – Икенсеһен үткән көҙ колхоз баҫыуына ингән өсөн бләүәт* Исмәғил һындырҙы лаһа. – Үәт, ысвулыч, нисек кеше малына ҡулын күтәргән тиң, ә? – Дөрөҫ эшләгән. – Нисек? – Ул һыйыр түгел, ул ләғәнәт хайуан бына. Йә колхоз баҫыуына сыға, йә кеше баҡсаһына инә. Өмөттәре аҡланманы Әхәттең. Ҡапыл ғына бисәһенә төшөн һөйләгеһе килмәне ирҙең. Юҡ, ниндәйҙер полевод Исмәғилде яҡлаған өсөн түгел, ә иҫәпкә-иҫәп, төштөң бигүк юшҡа килмәгәне өсөн. Берҙән, һыйыр туҡал түгел. Быныһына түҙергә булыр ине әле. Шулай ҙа Аллаһтың яңылышып китеүе сәйер. Әллә өҫтән генә ҡарағас, туҡал булып күрендеме икән? Мөгөҙҙәре булмағас, шулай тип уйлауы ла бар. Тик бына холоҡһоҙ, гонаһлы һыйырҙы нисек Аллаһ табынына ҡорбан итмәк кәрәк? Ҡапыл да шул өркөттө Бәрейҙе. Икенсе яҡтан уйлаһаң... ҡотолорға ине ул малдан. – Улай холоҡһоҙ булғас, һуйырға кәрәк үҙен. Ошо йома уҡ. – Һин нимә? – Ҡатын тауышын күтәрҙе. – Йәй уртаһында һин дә мин һауҙырып торған һыйырҙы һуйырға ни?! Ит ашағың килһә, ана, бер көтөү һарыҡ. Башҡаса өндәшмәне Әхәт. Көндәлек тормоштан арына алмаған бисә менән Аллаһ тураһында һөйләшеп ултырып булмай инде. Һауҙырған һыйыр, имеш. Үҙе һуң? Бәрейҙең үҙенә лә йәл мал, тик күктән һоранылар ҙа баһа. Үҙе лә шул көндәлек тормош менән йәшәмәйме Әхәт? Эй, ҡояш ҡалҡып батҡансы юҡ-бар эш табып урамынан инмәгән була, донъя көтөү шулай тип уйлай әҙәм. Малы туҡ, йорт-ҡураһы имен, балаларының тамағы һыйлы, өҫтө бөтөн – тағы ни кәрәк инде. Ә кәртәнең теге яғында ниҙәр бар икән – уныһы Әхәткә һәр саҡ хәжәтһеҙ, беләккә лә элмәгән донъя. Хатта ҡаршыла йәшәгән, ғүмер буйы яңғыҙ ғүмер иткән Әсмә ҡарсыҡтың да көнитмеше менән ҡыҙыҡһынғаны юҡ, ярай әле бисәһе инеп йөрөй. Юҡ, һаулыҡ һорашып, йомошо булһа, йомошлап китә ул. Ғәҙәт, йола буйынса. Ә бына ысын күңелдән хәлен белеү юҡ. Сөнки күңеле уға өйрәтелмәгән Әхәттең. Һәр кем үҙенсә белеп йәшәргә тейеш. Кешелә кешенең эше юҡ. Улай тиһәң... төштө уртаҡлашырға ла кеше кәрәк икән ул. Бесән хәстәрҙәре тамам. Нишләргә белмәне хужа. Һарай тирәһендә ҡойолған бесән ҡалдыҡтарын йыйыштырып алған булды. Инеп бер аҙ ятып та ҡараны. Күңеленә тынғылыҡ тапманы. Бындай төштөң бер ғилләһе булырға тейештер ул тип уйланы. Тик кем менән кәңәшләшергә лә, кемгә төш тоҡсайын бүҫеп һалырға һуң? Һәр кемдең дә төшөнә Аллаһ инмәй бит. Мулла абзыйға барғанда? Юл ыңғайы хакимиәткә лә инеп сығыр. Таҙа күлдәген, йылына бер тапҡыр колхоз йыйылышына кейгән костюм салбарын кейеп, урамға сыҡты Бәрей. Ҡапыл ғына ҡайҙа китергә белмәй, ҡапҡаһы төбөндә бер аҙ тапанып торҙо. Бисәһенең кәртә аша: “Люксембургтың ҡапҡаның ҡайһы яҡтан асылғанын ҡарап тормайһыңдыр?”, – тип өндәшкәненә лә иғтибар бирмәне. – Әхәт улым, белмәйһеңме, ваҡыт туҡтаманымы икән ул? – бына был һорауға ҡолаҡ һалды, хатта тертләп киткәндәй булды. Ҡаршы йорт алдында, ағас эскәмйәлә аҡ яулығын ябынып Әсмә ҡарсыҡ ултыра ине. Ҡояшлы көндә уның урыны һәр саҡ тиерлек шунда инде. Сыға ла донъя ағышын ана шулай йорто алдынан ғына күҙәтә ул. – Ниңә улай тиһең, Әсмә әбей, ваҡыттың туҡтап торорға ваҡыты юҡ таһа? – Ир күршеһенә яҡыныраҡ килде. – Аптырайым, һуң, ваҡыт туҡтамаһа, Ғирфан бығаса ҡайтырға тейеш түгелме икән ни? Шигем бар, туҡтағандыр ул ваҡыт тигәндәре. Аңланы хәлде Әхәт, тағы ҡуҙғалған Әсмә ҡарсыҡтың мейеһе. Һуғыш тамамланыуға хәҙер илле йыл, ә ул һаман ирен көтә. Йүләрлек инде, торғаны менән. Һуғышта юғалған ире менән ике ай ғына йәшәп ҡалғанмы шул. Башҡа кейәүгә лә сыҡмаған, балалары ла юҡ, тик һаман көтә үҙен. Аңлы кешенең эше, ҡылығы түгел инде был. Донъя көтәм тиһәң, үлгән ирҙе көтөп ятып булмай. Ярай, бер йыл көт, ну, биш йыл да булһын ти, аҡылы теүәл кеше барыбер кейәүгә сығып балалар үҫтерергә тейеш. Ә уны, Әсмә ҡарсыҡты, тоғролоҡтоң өлгөһө, тип маҡтайҙар, 8 мартта ла, 9 майҙа ла түргә ултырталар. Киреһенсә, балалар үҫтергәндәрҙе данларға кәрәк, тип уйлай Әхәт. Уйлап торҙо ла нимәлер әйтергә кәрәк икәнен аңланы Бәрей, шуға ҡарсыҡтың күңелен ҡырмай ғына былай тип өндәште: – Белмәйем шул бер ҙә, бәлки Ғирфан бабай йөрөгән яҡтарҙа ваҡыт туҡтаһа туҡтағандыр ҙа. – Үҙе эстән, һинең ҡайғымы миндә, әбекәй, мулла өйҙә булһа ғына ярар ине, тип борсолдо. Хәлгә инеүе оло кешене йәнләндереп кенә ебәрҙе: – Әйтәм дә, шик юҡҡа ғына яралмай ул, тип. Ваҡыт арбаһы туҡтаған да, шуның ҡуҙғалғанын көтөп тора инде Ғирфаным. Тәгәрмәстәре тәгәрләй башлағас та, тыуған яҡтарыма ҡайтайым, әсәм биргән ғүмеремде дауам итәйем әле, Әсмәм менән донъя көтәйем, тип уйланыр әле бына. – Улайһа, ваҡыттың ҡуҙғалғанын көт инде, Әсмә әбей, ә мин йөрөштөрөп киләйем, – тип Әхәт түбән осҡа атланы. * * * Ихата эсендә тынлыҡ. Тибенеп йөрөгән әтәс менән ике-өс тауыҡты иҫәпкә алмаһаң, тере йән эйәһе лә күренмәй. Яңғыҙ ғына йәшәгән мулла йорто ихатаһын үлән баҫып киткән. Әбейенең үлеүенә өс-дүрт йыл инде хәҙер. Балалары ситтә. Әхәт аптырап солан ишеген шаҡыны: – Хужа өйҙәме? “Ҡайҙа китһен, өйҙә, өйҙә”, – тип һарай эсенән ҡомғанын тотоп килеп сыҡты тилбер Мансур. Ултырып бисмилла тотоп алдылар. Дин менән бик дуҫлығы ла булмаған Әхәт усын йөҙөнә терәп тигәндәй, ирендәрен ҡыймылдатып килештереп ултырған булды. Үҙе ипләп кенә хәҙрәткә ҡарап алғыланы, йөҙ ташламай әле ҡарт, йәш ирҙәр кеүек, тип уйланы. Беҙҙең һымаҡ ауыр эш күргәнме ни, колхоз баҫыуы ҡапҡаһының ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй ул, мәктәптә тарих уҡытам тип әкиәттәр, ауыл ғәйбәттәрен һөйләп ултыра торғайны. Хәҙер генә иманлыға әйләнде. Ул саҡта беҙҙең мейегә ышанмағыҙ, Алла юҡ ул, тип һеңдерҙе. Хәҙер башҡаса һөйләй. Бер ғүмере эсендә нисек бер нисә сүрәткә инеп өлгөрә кеше. Аптырарһың. Ә үҙеңдең ғүмерең үтеп бара, ҡибланың ҡайҙа икәнен дә белмәйһең, тип фекер йөрөттө ир. – Шунан, ни ҡыйратып йөрөйһөң, Әхәтулла? – Бик сетерекле мәсьәләм бар. Бөгөн таң һыҙатында төшөмә Аллаһ килеп инде. – Китсәле, шунан, шунан? – тип ебәргән булды мулла. – Йома көнө ауылығыҙға киләм, әҙерләнеп тороғоҙ тей. Аллаһ һынлы Аллаһ юҡҡа ғына иҫкәртмәҫ, тип һиңә кәңәшкә килгәйнем, хәҙрәт. Мансур мулла һаҡалын һыйпап, ултыра бирҙе. – Ысын маҡтауҙар бер Аллаһы Тәғәләгә генә хас. Беҙ уны маҡтайбыҙ, уны төштә күреп ваҡларға, кеше сүрәтенә һалып һанламаҫҡа тейеш түгелбеҙ, – мулла йәшел үләнгә намаҙлығын йәйеп, ҡиблаға ҡарап ғибәҙәт ҡылырға тотондо. Иренен ҡыймылдата-ҡыймылдата әллә ниҙәр уҡыны. Әхәт нишләргә белмәй ҡулдарын ыуғылап торҙо ла, мулла эргәһенә, намаҙлыҡтың бушыраҡ урынына барып тубыҡланды: – Ә мин уны яманламаным даһа. Үҙен төштә күрергә лә ярамаймы ни? – тип ипләп кенә өндәште. Мулла үҙ шөғөлөндә булды: – Ярамай. Унан ярҙам һорайбыҙ һәм гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен үтенәбеҙ. Күңелебеҙҙә булған яуызлыҡтан, ғәмәлдәребеҙҙә булған насарлыҡтарҙан Аллаһы Тәғәләгә һыйынабыҙ. Асыуы килеп китте Бәрейҙең, нисек ярамаһын, төш уның ихтыярынан тыш килеп инә ләһә. Миңә ингән өсөн эсе көтөрҙәй тегенең, тип уйланы. Бәрейлеге үҙенекен эшләне, мулла эргәһендә намаҙлыҡ остоғонда ултырам тип тә уйламаны, теле күңелендәген тышҡа сығарып түкте: – Һеҙҙең нәҫелегеҙҙең ғүмере һоранып үтте, уныһына шик юҡ. Гонаһығыҙ ҙа байтаҡтыр, ҡараҡ Моратша ейәне нисек мулла булып киткәнен беләбеҙ. Әйҙә, ғәфү итеүен үтенегеҙ, үтенегеҙ. – Иманһыҙ әҙәм икәнһең, Әхәтулла. Аллаһы Тәғәлә тура юлға күндерһә, уны аҙаштырыусы булмаҫ. Берәү көфөрлөккә төшөп, юлдарында аҙашһа, ул кешене тура юлға күндереүсе булмаҫ, тей изге китап. Кит, сыҡ ихатанан, көфөр нәмә, – мулла амин тоторға ла онотоп, Әхәттең аҫтынан намаҙлығын тартып алды. Тегенең ҡуҙғалырға ла уйламағанын белгәс: – Шишәмбе көн күргән төш ысынға булмай ул, тыныслан, – тине. Бирешмәне Әхәт: – Һин минең төшкә ышанмайһыңмы, әллә Аллағамы, ниңәлер аңлап етмәнем һине, мулла абзый. – Кит, көфөр, Аллаһҡа ышанмай булабыҙмы һуң? Һинең төшөңдөң төшө юҡ, йома көнө бер кем дә килмәй, барыһы ла ерунда. Ир һаман үҙенекен тыҡыны: – Нисек ерунда? Аллаға ышанғас һуң, уның һүҙенә лә ышанырға кәрәктер бит инде, мулла Мансур абзый, ә? Мулла тертләп китте: – Башты ҡатырма әле, зинһар, бисмилла-а, бисмилла-а. Аллаһҡа ышанһам да, һинең төшөң миңә буш ҡыуыҡ. – Аллаға ышанмаһаң да, изге йомала өйлә намаҙына халыҡты йыйырһың инде, мулла ҡарт, – тине лә китергә генә булғайны, мунса ишегенән Сәғирәнең башы күренде. Беләүәт Исмәғилдең ҡатыны. Класташтар улар. Бергә мәктәпкә барып, бергә тамамланылар. Үтә шуҡ, үтә сибәр булды йәш сағында. – Ништәп йөрөйһөң, Сәғирә-шағирә? – заманында уның шундай ҡушаматы ла булды. Шиғырҙар яҙҙы ул, бала саҡтан, Өфө гәзиттәрендә лә баҫылды, буғай. Әрмегә, Исмәғилгә, хаттарын шиғыр юлдары менән генә яҙған тип тә һөйләйҙәр. Тик мәктәптән һуң уҡырға инә алмай ауылға ҡайтты ла, шунда ҡалды инде. Клуб тирәһендә, фермалағы ҡыҙыл мөйөштә эшләп алды, тик бара-бара шағирәлеге һүнде, күңеле һүрелде. Яратып сыҡҡан Исмәғиленән ней балаһы булманы, ней бөтөр-бөтмәҫ колхозда йүнле эш юҡ хәҙер. Шуға кеше тупһаһын һепереп көн күрәме? – Күрмәйһеңме ни, мунса яғып йөрөйөм, – тауышы көр сыҡты ҡатындың. Алһыуланып торған йөҙөнә, күкрәгенә төшөп торған толомона иғтибар итеп, һылыулығы ташламаған әле үҙен, тип уйлап алды ир. – Үҙегеҙҙең мунсағыҙҙың мейесе емерелгәнме ни? – ни әйтергә белмәй, шулай тигән булды Әхәт. Сәғирәнең ирен әҙәмгә һанламай тегеләй-былайыраҡ йөрөштөргөләгәнен ишетә биргеләп ҡуйғайны ул. – Мулла мунсаһының еҫе башыңа бәреп ҡуймаһын, йәме, класташ. – Бәрей, юлыңда бул! – әйткән хәбәр эсенә тейҙе, ҡулына иҫке миндек алды. – Алланы төшөндә күргән тип тормам, бынау һепертке менән арт һаныңды уҡытырмын, – мунсала шым ғына хәбәрҙе тыңлап йөрөгән үҙе. – Аллаң килһә әйт: ерҙә мөхәббәт үлде, ҡатындар Баба Ягаға, Мескәй әбейгә әйләнде! – Ысынлап та оятты онотҡан икән был бисә, итәген күтәреп, бот араһына миндекте ҡыҫтырҙы ла Әхәткә табан килә башланы. – Иҫән саҡта һыпырт бынан, Бәрей. – Һыпыртам, һыпыртам. Тик һин дә кеше тупһаһында йөрөмә. – Эскесе ир менән талашып ятҡансы, ҡарт мулла тирәһендә уралыуың лутсы. Әхәт хәлде аңланы, муллаға аҡайып ҡараны: – Йәш бисә алдыңмы ни, ғәли йәнәптәре мулла ҡарт? Төкөрәйем уҡыған доғаларыңа, эсеңдә иман булмағас. Йома көнө Аллаһ алдында яуап бирерһең, – башына иҫке миндек килеп тейҙе. – Килер язаны, ҡазаны ла миндек менән генә өркөтөп булмай ул. Мулла таяғына үрелде, уны башы осонда һелтәп уйнатып та алды: – Эй иманһыҙ әҙәмһең, Әхәтулла. Иблис затынан икәнһең. – Дөрөҫлөктө ҡысҡыра башлаһаң, иблис итеп күрә башлайҙар шу-ул, – Әхәт тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Ихатанан сыҡҡас, мулланың: “Нишләүең был, Сәғирәкәй, тәүбә, тәүбә”, – тигән һүҙҙәре ҡолағына салынды. * * * Ауыл хакимиәте бинаһына килеп ингәндә, башлыҡ кабинетында ҡаты ғына тауыштар сыға ине. Йомош менән килгән бер нисә кеше баҙнатһыҙ ғына алғы бүлмәлә тынып ҡалған. Әхәт, ҙур эшем бар, тип сиратһыҙ-рөхсәтһеҙ хужаның бүлмәһенә үтеп китте. Уның инеүенә иғтибар итеүсе лә булманы. Өҫтәл артына ҡапма-ҡаршы ултырып, ауыл хакимиәте башлығы менән урындағы колхоз рәйесе ҡысҡырып-ҡысҡырып бер-береһенә ниҙер иҫбатлай ине. Теҙелеп киткән ултырғыстарҙың иң ситтәгеһенә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына артын терәне Әхәт. Былай ултырыуҙы килештермәй бер нисә тапҡыр тамаҡ та ҡырып ҡараны. Тегеләр иғтибар итмәгәс, ҡысҡырып өндәште: – Ауылға Аллаһ килә. Тегеләр ҡапыл Әхәткә ҡараны. Башлыҡ Барый үҙе лә һиҫмәҫтән: – Ҡасан? – тип һорай ҡуйҙы. – Йома, тине. – Кем тиң? – Алла. – Ниндәй Алла? – Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, хисап көнөнөң батшаһы... Ну, беҙ белгән Аллаһ инде, – ҡапыл да ни тип аңлатырға, ни әйтергә белмәне Әхәт. – Йә Хоҙай, йә Хоҙай... эсеүең еткәндер, ҡустым, – бәләкәй кәүҙәле колхоз рәйесе Зәкир етеҙ генә тороп ирҙең башын тотоп ҡараны. Рәйестең был ҡылығы сәменә тейҙеме, тегеһе ҡылтым ғына күтәрелеп икенсе ултырғысҡа барып ултырҙы. – Юҡ, мин бесән осоронда ауыҙыма – ни грамма. – Арыуың еткәндер, улайһа. – Уныһы барҙыр... Тик барыбер ҙә лайыҡлы ғына ҡаршылағанда һәйбәт булыр ине. Төшөмдә аныҡ ҡына, йома көнө киләм, көтөгөҙ, тине. Мин үҙем туҡал һыйырымды ҡорбан итермен тип торам... – Йома тиһеңме? Йома көнө әрмәндәр килә ауылға. Анна, Зәкир Хәмитович колхоздың бар ерҙәрен уларға бирәм тей. – Нишләп бирә тей инде, өс йылға ҡуртымға алып торалар. Бөткән хужалыҡты, бәлки, улар күтәрә алыр тигән уй менән инде… – шулай тип ҡуйҙы рәйес, аҡланғандай. Ишеткәйне был турала Әхәт. Бөтөп барған колхозды бар ҡаралты-ерҙәре менән ситтән килгән кешеләргә һаталар тип һөйләйҙәр ине шул гаражда. Егеттәр был хәбәргә риза, байып китәсәкбеҙ тип һөйөнәләр ине. Әхәт тә шулай уйлай. Ҡасандыр бөтә республикаға данлы колхоз дүрт-биш йыл эсендә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Эшләп алған иген-шәкәр келәт-соланға һыймай ине ул саҡ. Ә хәҙер эш хаҡы ла, бөртөк шәкәре лә, ашлығы ла юҡ. Ысынлап та, бәлки һәйбәттер был аҙым. – Дөрөҫөн әйткәндә, Барый ағай, һатһаҡ дөрөҫ булыр ул. Үҙебеҙҙең ҡулдан килмәгәс, – тип Әхәт тә үҙенең фекерен белдерергә баҙнат итте. Был һүҙ ауыл өсөн янып йәшәгән, ил ниндәй генә боролоштар кисергәндә лә ғүмер буйы ауыл хужаһы (халыҡ шулай тип йөрөтә үҙен) булған бәһлеүән кәүҙәле Барыйҙы сығырынан сығарҙы. Әхәткә ҡара ҡуйы ҡаштары аҫтынан таҫырайып ҡарап, ҡалҡынды ла: – Аҡыл өйрәтмә, Алла беләме, әллә селсәүитме? Кемгә килеп төртөлмә, үҙҙәрен Алла урынына күреп аҡыл өйрәтергә торалар, – тип өндәште. – Аллаһ аҡыл өйрәтмәй. Аллаһ үҙе аҡыл, аңлаған кешегә, – бындай аҡыллы һүҙ минең ауыҙҙан сыҡтымы тигәндәй, Әхәт тирә-яҡҡа ҡаранып алды. – Йома көнө күрербеҙ, ниндәй аҡыл менән йыйылышҡа килерһегеҙ икән, – хужа ауыр тын алып өҫтәле артына барып ултырҙы. Сығып барған Әхәт тағы боролдо, ҡара янып ауыр һулап ултырған башлыҡ уға йәл булып китте. Шулай ҙа тағы бер ҡат һорамайынса булдыра алманы: – Шулай ҙа, Барый ағай, йома Алла килһә, ҡаршы алырбыҙмы? Уға мөлдөрәп ҡараған ҡарашты тойоп, килеүсенең күңелен һүрелдергеһе килмәне күпте күргән башлыҡтың: – Килһә, алырбыҙ, – тине. – Рәхмәт, Алла ярҙамынан ташламаһын үҙегеҙҙе, – тип йылмайып хушлашты Бәрей. Уға рәхәт ине. Аңланылар, хәленә инделәр. Һөйөнөп ҡайтты ул йортона. Хәҙер Шәрифәһенә һөйләһә лә булыр төшөн. * * * Әсмә ҡарсыҡ өйөнә инмәгәйне, һаман ҡапҡаһы төбөндә донъя ағышын күҙәтеүе. Әхәт, был юлы уның янына барманы, шулай ҙа түҙмәне, алыҫтан хәбәрен һөрәнләне: – Был йома ауылға Алла бабай килә, Әсмә әбей. – Йома көнө генә түгел, көн һайын, сәғәт-минут һайын килһен ине ул. Ана ул саҡта донъябыҙ был тиклем бысраҡҡа батмаҫ ине, – ишетте ҡарсыҡ. Ихатаһына инәм тип ҡапҡа бауына ғына үрелгәйне, үрге остан оҙон, ҡаҡса Исмәғилдең баҫалҡы ғына атлап килгәне күренде. Класташы уның. Көтөргә булды Әхәт. Күрешкәс тә: – Һин һыйырҙың мөгөҙөн һындырғанһың икән, – тип һүҙ башланы. – Ҡасан? – Этем белһен ҡасан икәнен, колхоз баҫыуында инде. – Булыуы ихтимал. Мин һындырған мөгөҙҙәрҙе һанаһаң ... ишеү Сәғирә бүләк иткәнде лә ҡушһаң, һандығың тулыр, – кәйефе шәп ине гадугының. Ауыҙынан сыҡҡан еҫ тә Мәндем һыуыныҡы түгел ине. – Сәғирәң Мансур мунсаһында йөрөй ине, нимә ҡалған уға унда? – Минең иҫке бисә мулланың йәш бисәһе хәҙер. – Нисек? – Бөтәһе лә ябай, ҡасып-боҫоп типтерәләр ине, баштарына гонаһ алып, икеһенә лә ирек ҡуйҙым. Тик, Мансур мулла, мәйтәм, ауыл осондағы әрәмәлектәге сабынлығың минеке. Ыҡ-мыҡ килде лә ризалашты. Әле шунан килеүем, бесән үҫкән, ат дуғаһын ҡапларлыҡ. – Бер сабынлыҡҡа тере бисәңде алыштыңмы? – Ғәфү, үлеһе юҡ ине бит. Кеше араһында оят, хыянатын бөтә донъя белә ине, бәлки, иманға ултырыр, – үҙе тешһеҙ ауыҙын ҡаплап көлгән булды. – Ә ер, сабынлыҡ тере кешегә һәр саҡ кәрәк. Бисәне яңыны алып була, бына ер – мәңгелек, беҙгә атай-олатайҙан ҡалған. Әрмәндәр алып бөтмәҫ борон, мәйтәм... – Уныһы дөрөҫ, үлгәс бер дилбегә уратырлыҡ ер етә. Ә йән аҫырарға гектары ла аҙ. Икеһе лә тынып ҡалдылар. Бер аҙ өнһөҙ ултырғас, Әхәт тыныс ҡына әйтеп ҡуйҙы: – Был йома ауылға Алла бабай килә, – шул тиклем тыныс әйтте, әйтерһең ябай бер хәбәр. – Алла бабай?.. Һин уны ҡайҙан беләһең? – Төштә күрҙем. Болотта йөҙөп бара ине. Асыҡтан-асыҡ миңә исемләп өндәште. Йома ауылығыҙға киләм, туҡал һыйырыңды бысаҡла, тине. – Китсәле, аптыраттың һин мине, – Аллаһты төштә күргән әҙәмдең генә түгел, ете ҡат ер аҫтында йыландың нисек тын алғанын белгән хәйләкәр Исмәғил балыҡтың ҡайҙа ҡапҡанын һәм нисегерәк килешле итеп ҡармаҡты һалырға икәнен аңлап алғайны инде. – Ә бөгөн ниндәй көн әле? – Шишәмбе. – Һей, ваҡыт бар икән әле. Ике көн эсеп, кесе йома баш төҙәтеп, мунса инеп, йома застуйын ҡаршы алырға була. – Ысынлап та, был идея! Ә һин уның килеренә ышанаһыңмы һуң? – Как ышанмай, Алла һынлы Алла алдамаҫ бит инде. Ул да алдаһа, нимә тип йәшәмәк кәрәк был донъяла. Ул бит бисә затынан түгел. – Уныһы шулай. Икеһе лә кәртәгә һөйәлеп сиҙәмгә ултырҙы. Тәмәке ҡабыҙып тынып ҡалдылар. – Һин нисек уйлайһың, Исмәғил, нишләп мотлаҡ минең төшкә инде икән һуң ул? Исмәғил оҙаҡ уйланып ултырған кеше булды. Һаламды ҡайһы яҡтан ҡыҫтырырға икән, һалпы яғын бер тапһаң, барыбер Шәрифәһенән бер шешә сәмәй алып сығасаҡ бит инде ул, тип уйланы үҙе. Үҙе лә эсәсәк, Алланың ҡашҡаһы түгел. – Мин уйлайым, Бәр... – ҡушаматы менән өндәшергә булғайны ла, йомшағыраҡ булыр тип, башҡаса һалдырҙы. – Әхәт тиңдәш, донъяла төш күрмәгән кеше юҡ инде ул. Тик бына уның һәр береһе Алланы күрә башлаһа, Алланың ҡәҙере, донъяның һаны китер ине. Шуға Алла бабай бик, би-и-к һайлап алып ҡына ҡайһы бер әҙәмдәрҙең күҙенә күренәлер тим. – Мин дә шулай тип уйлайым шул. – Уйлап ҡара әле, тиңдәш, беҙҙең ауылда Алланы күргән берәй кеше бармы? – Юҡ. Мин дә әле төштә генә күрҙем. – Так шту һин изге кеше. – Һин уны ҡайҙан беләһең? – Мин данлыҡлы Мөхәмәтша мулла бүләһе лә һуң. – Ә-ә... Ә нишләп үҙең мулла түгелһең? – Атҡа бесән кем һала һуң? Беҙгә тинтәк Мансур ҙа еткән. – Ул бит ҡараҡ ейәне, ә һин хажға барған хәҙрәт нәҫеленән. – Аптырағанһың икән... ә һин улайһа төшөңдә илаһи заттың үҙен күргәнһең, гелән генә булма-ай был хә-әл. Йыуырға кәрәк. – Идея шәп, тик... Алланан өркөтә бит әле. – Өркөтөү генә түгел, ҡурҡыта хатта. Үҙең бит ундай төш миңә генә инде тип һөйләнәһең. Мин шуға ғына. – Уныһы шулай. Хәсрәт айы үтте, бесән дә етте, әҙерәк быуындарҙы йомшартып алғанды, моғайын, Алла ғәфү итер. Тик әҙ генә, йәме, гадук. Әҙ генә буламы һуң? Аллаһ ауылға килгәндә, Әхәт Тәңребеҙҙе һанламай “Люксембургта йөрөй” ине. Айныҡҡанда, ниндәй көн икәне буталғайны. Уның төштәрендә генә түгел, өҫтәлендә лә шайтандар йүгергеләп йөрөй ине. Изге заттар өркөп ҡасҡайны. * * * Бер аҙ айнығып, аяғына баҫыр хәлгә килгәс, Әхәт урамға сыҡты. Бисәһе эшкә киткәйне. Һәр ваҡыттағыса ҡаршы йорттоң алдындағы эскәмйәлә Әсмә ҡарсыҡ ултыра. Әхәт уның янына килде. – Бөгөн ниндәй көн икән, Әсмә әбей? – Мин бит көндө белмәйем. Туҡтаған ваҡытҡа көн дә, төн дә кәрәкмәй. Урамдан үтеп барыусы кемдер, шәмбе бөгөн, тип иҫәнлек-һаулыҡ та һорашмай, тауыш биреп китте. – Шәмбе... Бына һиңә! Кисә ауылға Алла килмәнеме икән, Әсмә әбей, хәбәр-хәтер булманымы? – Килһә килгәндер, хәҙер Аллаһтың ҡәҙере юҡ бит. Бына Президент килһә, белер инем, бөтәһе йүгерешә башлай торған. Әй, онотҡанмын, халыҡ йүгереште, сит бауырҙар килеп ерҙе ала тип. Юҡ, күктәге Алла ергә төшмәгәндер әле. Ваҡыт ҡуҙғала биргән булыр ине лә. Мин һаман Ғирфан менән анау яландарҙа сәскә йыям, бесән сабам. – Аллаға шөкөр, килмәгән икән Алла, бындай хәлдә мине күрһә-ә... – икеһе лә бер аҙ шымып ҡалды. Әхәт уйланып ултыра биргәс өҫтәп ҡуйҙы. – Әсмә әбей, һин дөрөҫ әйтмәйһең, ваҡыт туҡтамаған ул, киреһенсә, уның һикереп уҙған саҡтары була, кисә шишәмбе ине, ә бөгөн – шәмбе. – Һәр кемдең үҙ сәғәте, үҙ ғәҙәте... Мин генә һаман йәш, һаман да анау яландарҙа Ғирфан менән сәскә йыям, бесән сабам... Аллаһ килһә, әйт, үҙе менән әжәл ҡустыһын да алып килһен, Ғирфан янына уның арбаһына ғына ултырып барып булыр, тинеләр... – тағы ла икеһе лә тынып ҡалды. Ултыра биргәс, Әсмә ҡарсыҡ өйөнә инергә булдымы, таяғына таянып торҙо ла, ҡапҡа бауына үрелде. Шунан Әхәттең күҙенә ҡараны. – Иблис еҫе килә үҙеңдән. Аллаһ урынына ергә иблис саҡырып ятаһың. – Үҙемдән түгел, ауыҙҙандыр. – Үҙеңдән шул. Ата-бабаларҙан ҡалған ваҡыт тәгәрмәсен беҙ көсөбөҙҙән килгәнсе тирмән ташы кеүек әйләндерҙек әле, ә һеҙ ваҡыт арбаһын ташлап ҡастығыҙ. Шуға туҡтаған ул. Туҡтатмаҫҡа ине һеҙгә. Сит бауырҙар ерҙе баҫып алған, ә һеҙ эсеп йоҡлайһығыҙ. Анау яландарҙа Ғирфан менән сәскә йыя, бесән саба торғайным да... Унда сит кешеләр йөрөй хәҙер. Оҙаҡламай Ваҡыт ҡына түгел, Ер ҙә әйләнеүенән туҡтар әле. – Һинең аҡылың менән йәшәһәң, туҡтамай, туҡтар шул, – тип мығырҙаны Бәрей. Әбей туҡ-туҡ килеп өйөнә инеп китте. Әхәт, йәйге ҡояш йылыһында иҙрәп, тирә-яғына ҡаранып, донъя йәшәй әле, туҡтатырһың ваҡытты, юҡты ғына һөйләйһең, күрше әбекәй, тип, ултыра бирҙе. * * * Эңерҙә өс һыйырын, мөгөҙһөҙөн дә, һауғас, ғәҙәттәгесә, бер сеүәтә йылы һөт алып ингән Шәрифә һәр саҡ аяғөҫтө ҡаршы алған Әсмә ҡарсыҡты аҡ биләү өҫтөндә, ҡулын ипле генә күкрәгенә ҡуйған килеш ятҡанында күрҙе. Уҙғайны, бер нисә сәғәт элек кәрәкле арбаға ултырып Ғирфаны янына юлланғайны ҡарсыҡ. Осрашҡандарҙыр инде. Сәскәне ожмах баҡсаһында өҙәләрҙер. Был хәбәрҙе ишеткәс Әхәттең быуындары ҡалтырап китте, ауыҙынан аңлайышһыҙ һүҙ сыҡты: – Яңғыҙы килмәгән икә-ән был... Әжәл ҡустыһы ла эйәргән. Аллаһтан алда елдергән хәшәрәт... Күршеһе Әсмә ҡарсыҡтың йыназаһына, бисәһенең ай-вайына ҡарамай, Әхәт йәй уртаһында, малдың инде һөтлө сағында, “туҡал” һыйырын һуйҙы. Мансур мулла йыназа уҡыны, ауыл хужаһы Барый Әсмә ҡарсыҡты маҡтап сығыш яһаны.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 ТЕАТР ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫН АСТЫ + - Иҫке йылдың һуңғы көндәрен һанағанда, ниһайәт, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңыртылғандан һуң тәүге тамашасыларына ишектәрен асты. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре театр хеҙмәткәрҙәренең шатлығын уртаҡлашып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Тамашасылар был ваҡиғаны бер йылдан артыҡ түҙемһеҙләнеп көттө, үҙенең 100 йыллыҡ юбилейы алдынан ғына төҙәтеү-яңыртыу эштәренә ябылған театр был тарихи датаны ла Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләргә мәжбүр булғайны. Былтырғы йыл дауамында йә бәләкәй сәхнә өсөн ижад ителгән спектаклдәр уйнарға, йә Өфөләге башҡа сәхнәләрҙә сығыш яһарға тура килде уларға. Шуға үҙ сәхнәһен һағынған артистар тантанаға махсус рәүештә "Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы" әкиәте буйынса яҙылған театрлаштырылған тамаша әҙерләгән. Уның сценарий авторы Дамир Йосопов, ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы Альберт Нестеров. Ҡыйыу актерҙарға реконструкция һәм пандемия образдарындағы афәттәргә ҡаршы алышырға тура килде, күпте күргән 100-сө сезон (Артур Ҡунаҡбаев) йәш һәм өмөтлө 101-се сезонға (Айнур Ситдиҡов) Театр мөхите, Ижад, Сәм, Тамашасы һөйөүе һәм башҡа театр өсөн иң мөһим төшөнсәләр йәшерелгән һауыттарҙы тапшырҙы. Тантана барышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова театрҙың ижади һәм техник хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы наградалар тапшырҙы. Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектакле өсөн Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелде. Артабан тамашасылар М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры сәхнәһендә яңғыраған йыр-моң иленә сумды. Концерт программаһының режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев, сценарийын Динара Ҡәйүмова яҙған. Ҙур сәхнәне асыу тантанаһы Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаровтың билдәле дуэты менән тамамланды. Әйткәндәй, театр оркестры шулай уҡ Бәләкәй сәхнәлә лә "Йөрәктәр ҡушылды..." концертын ҡуйҙы, унда башҡорт композиторҙарының театр өсөн яҙылған йырҙары яңғыраны. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тоғро тамашасыларын ғинуарҙан Ҙур сәхнәлә ҡаршылай башланы. Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан Башҡорт академия драма театрында Николай Крашенинниковтың "Әмилә" романы буйынса пластик спектаклдең премьераһы булды. Николай Крашенинников (1878-1941) - Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында ҙур һөйөү менән ижад иткән рус яҙыусыһы. "Әмилә" романы рус дворян мөхитендә тол ҡалған балаһыҙ профессор ҡатыны тәрбиәләп үҫтергән етем башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында. Инсценировка авторы - Азалия Балгазина, художество етәксеһе - Айрат Абушахманов, пластика буйынса режиссер - Алина Мостаева. Художество һәм музыкаль яҡтан биҙәү өсөн Санкт-Петербургтан сценограф, костюмдар буйынса рәссам Екатерина Малинина һәм композитор, музыкант Олег Гудачёв саҡырылған. Тарихты пластика, бейеү һәм музыка телендә бәйән иткән спектаклдә башҡорт, рус, француз телдәрендә лә телмәр яңғырай. Башҡортсаға Динара Ҡәйүмова тәржемә иткән. КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 15.01.21 | Ҡаралған: 298 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Төштәрҙе юрар алдынан уларҙың асылдары бармы әллә юҡмы икәнлеген бик яҡшы белергә кәрәк. Һаташыу икән, уны юрауҙың кәрәге юҡ.Тәғбирнәмәләрҙә билдәле булғанса, төштәрҙең дөрөҫ булыуы йылдың ҡайһы ваҡытында күренгәнлеген лә бәйле, сөнки йыл башында күргән төшөң йыл ахырындағыһынан яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк. Яҙ башында күргән төшөң дә, йыл аҙағындағына ҡарағанда тиҙ сығар. Ҡайһы дини айҙа төштәрҙең нисек булыуына ла бәйле: Мөхәррәм айында төштәр хата булмай. Сәфәр айында күрелгән төштәрҙе бик маҡтамайҙар; төш күреүсегә ҡатылыҡ, йәғни насарлыҡ ирешеп, аҙағы яҡшы түгел, шулай ҙа зыянға булмаҫ. Рабиғел-әүүәл айында күрелгән төштәрҙең асылы һатыу — алыуҙан табыш ирешеүгә булыр һәм шатлыҡтар, күп мал-тыуар табыуға юраланыр. Рабиғел-ахир айында төш күрһәң, әгәр ҙә яҡшылыҡҡа дәлиле булһа, ашығыслыҡ менән ирешер. Йомадиәл-әүүәлдә төш күрһәң, эштәрең файҙаһыҙ булыр, айырым алғанда, һатыу һәм алыуҙан килем килмәҫ. Йомадил-әхыр төшөңдө яҡшыға тип уйлаһаң да, кисегелер. Рәжәб айында төштәр яҡшыға булырҙар. Изгелек ишеге асылыр һәм яуыз эштәр яҡшыға алмашыныр. Шәғбан айында төш күреү яҡшыға булыр, әммә эштәр тарлыҡҡа юраланыр. Яҡшылыҡ булһа ла, әҙ килер, насар тип күрһәң, дөрөҫкә сыҡмаҫ. Рамаҙан айында күрелгән төштәр мәшәҡәт һәм боҙоҡлоҡ ишектәрен биктәр. Изге эштәргә дәлилле төш иһә, һуңламаҫ. Рамаҙан айында төштәрҙә дөрөҫ аҙҙыр, сөнки йоҡо алдынан ашау сәбәпле ул шулай булыр. Шәүүәл айында бәхетһеҙлек төшөн күрһәң, тиҙ килер, һаҡланырға кәрәк. Зөлҡағиҙә айында сәфәргә иҫбат итеүсе төш күрһәң, сәфәргә сыҡмаҫҡа кәрәк. Үҙеңде өйөңдә һаҡлау тейешле. Зөлхизә айында сәфәргә дәлил итеүсе төш күрһәң, бар. Эштәреңдә киңлек булыр, ашығыу ҙа файҙалы, сөнки был ай муллыҡ айы һаналыр. «Төхфәтел-мөлөк»тә айҙың һәр көнө күрһәтелеп, уларҙа күрелгән төштәрҙең хөкөмдәренә бәйле юрамалар яҙылған. Бында, әлбиттә, күктәге Ай менән бәйле мосолман ай иҫәбе күҙҙә тотола. Шуның өсөн төш юраусылар мосолман календарына нигеҙләнеп эш итһәләр, дөрөҫ булыр. Айҙың беренсе көнөндә күрелгән төш хәйерле була, һөйөнөс ирешеүгә дәлил. Айҙың икенсе көнөндә күрелгән төштөң асылы өс көндән билдәле буласаҡ һәм шатлыҡҡа хөкөм игелә. Айҙың өсөнсө көнөндәге төш яман була, саҙаҡа биреү кәрәк. Айҙың дүртенсе көнөндәге төш мал-тыуар һәм ниғмәт ирешеүгә була. Айҙың бишенсе көнөндәгеһе сәфәрҙә мал, ниғмәт һәм теләккә ирешеү ул. Айҙың алтынсы көнөндәге төш рәхәткә хөкөм ителә. Айҙың етенсе көнөндәге төш иһә ғауғаға була. Айҙың һигеҙенсе көнөндәге иһә көтөлмәгән урындан малдың ҡулға кереп, һөйөнөс килтереүе була. Айының туғыҙынсы көнөндә төш күрһәң, һөйөнөскә хөкөм ителә. Айҙың унынсы көнөндәге юғалтҡан әйберенде табылыуға һәм шатлыҡҡа хөкөм ителә. Айҙың унберенсе көнөндә күрһәң, ул төшөң ниндәй хәйергә ни шөкөр итеүгә түгел, буш төштөр. Айҙың уникенсе көнөндәге төш тормош бәхете һәм ниғмәткә, һөйөнөскә. Айҙың унөсөнсө көнөндә төш яҡшыға булмай, саҙаҡа бирергә кәрәк. Айҙың ундүртенсе көнөндә төш күрһәң, бер айҙан һуң яҡшы хәбәр ирешеп, һөйөнөскә хөкөм ителә. Айҙың унбишенсе көнөндә күрелгән төш яҡшы хәбәр ишетеп һөйөнөс килтерә. Айҙың уналтынсы көнөндәге төш дуҫтың үлеменә һәм ҡайғы һағышҡа. Айҙың унетенсе көнөндә төш күрһәң, мал, ниғмәт һәм күңел асыу була. Айҙың унһигеҙенсе көнөндә күрһәң, шатлыҡҡа хөкөм ителә. Айҙың унтуғыҙынсы көнөндә төшөң яман була, саҙаҡа бирергә кәрәк. Айҙың егермеһенә төштөң ваҡиғаһы ил башлығына, йәки бер оло кешегә дуҫты булыуыңа хөкөм ителер. Айҙың егерме беренсе көнөндә төш күрһәң, ил башының яҡшылығына дәлил ителер. Айҙың егерме икенсе көнөндәге төшөң халыҡтың һөйөнөслө булыуына юралана. Айҙың егерме өсөнсө көнөндә төш күрһәң, ҡурҡыу була. Айҙың егерме дүртенсе көнөндә төш тулыһынса күңел төшөнкөлөгө булып, ҡайғыға һәм һағышҡа хөкөм ителә. Айҙың егерме бишенсе көнөндә төшөң оло һөйөнөс килеүгә дәлил. Айҙың егерме алтыһында төшөң ҙур бәхет һәм ғәҙелеккә юралар. Айҙың егерме етенсе көнөндә төш белмәгән-күрмәгән ерҙән ҙур шатлыҡ килеүгә булыр. Айҙың егерме һигеҙендәге төш һөйөнөс менән юраланыр. Айҙың егерме туғыҙынсы көнөндә төш күрһәң, ҡаршылыҡ булыуға дәлил ителер. Айҙың утыҙынсы көнөндәге төш яратҡан дуҫыңды күреп шатланыуға булыр. («Төхфәтел-мөлөк»). Төштәрҙе аҙнаның ҡайһы көнөндә күреүенә ҡарап та юрай белергә кәрәк. Сөнки аҙна көндәренең һәр ҡайһыһының үҙ хәсиәттәре бар. «Тәғбирнамән-йәнабиғ тәржемәһе»н — дә был хаҡта бындай хәбәрҙәр яҙылған: Шәмбе көнөндә нисек тип төш күрһәң, өйөңдә шулар булыр, сөнки был ял көнө, бәндәләр еңеләйеп ял итергә тейештәр. Йәкшәмбелә Аллаһы Тәғәлә көндәрҙе бар ҡыла башланы, тиҙәр. Был көндө башланған эштәрҙең аҙағы яҡшыға булыр, төштәр ҙә шул хаҡҡа инер; әммә төшөңдә яуызлыҡ күрһәң, һаҡланырға кәрәк. Дүшәмбелә төш күреү хәжәттәрең үтәлеүгә булыр. Шишәмбе ҡайғы һәм хәсрәт, ҡан көнө һанала. Был көндө төш күрһәң, ил башы йәки солтан ҡаршыһына бармаҫҡа, һуғышҡа дәлил төш күрһәң, һуғышта ҡатнашмаҫҡа кәңәш ителә. Шаршамбы көнөндә ҡайғы төшөн күрһәң, һуңламай, дәлиле бик тиҙ килеп етәр. Кесеаҙна төштәр эштәрҙең ауырҙан еңелгә булыуына күренер. Йома көнө ярашыу, солох, килешеү көнө һанала, төштәр ҙә яҡшыға юралына («Тәғбирнамән-йәнабиғ тәржемәһе».— Б. 23.). Шуныһын да онотмаҫҡа кәрәк, мосолмандарҙа тәүлек кис менән башланып китә. Төштәрҙе юрау, уларҙың асылын тикшереү һәм фәнни бер системаға килтереү ғәжәйеп дәрәжәлә ҡатмарлы ғилми эш. Баҡтың иһә, һәр күрелгән төш өң мәғәнәһе ниндәй кеше булыуына ла, айҙың һәм йылдың ниндәй көнөндә күреүенә лә бик ныҡ бәйле икән. Кемдәрҙер — ай, ҡайһыларыбыҙҙың — йыл, күптәребеҙ көн стихияһында лә йәшәйбеҙ шул әле. Быны ла иҫтән сығарырға ярамай. Алда күрһәтелгән был хәбәрҙәр боронғолар тарафынан күп тапҡырҙар тәжрибә ҡылып, тормошто аңлау һәм белеп, төшөнөп етеүҙәренә нигеҙләнгән Төштәрҙе аңлатыу ғәжәйеп дәрәжәлә тойомды, ғилемде, динде, Ҡөръәнде, хәҙистәрҙе белеүҙе талап итә. Һәр кем төштө дөрөҫ юрай алмай. Төштәрҙең ҡайһы берҙәре шундай булырҙар, уларҙы тәғбир ҡылыуҙа, йәғни юрауҙа һс мохтажлыҡ күрелмәҫ. Миҫал өсөн тип был осраҡта Ибраһим пәйғәмбәрҙең улы Исмәғил ғәләйһис-сәләм Зәбихи күргән төштәрҙе әйтәләр. Ундай төштәрҙе шуға күрә «Зәбихинең төшө» тип кенә билдәләп уҙалар. «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе» китабында был мәсьәләгә айырым туҡталып үтелгән. Икенсе төрлө төштәр ҙә булырҙар, уларын махсус юрарҙар һәм быларҙың тәғбирен (толкование) табыу кәрәк һаналыр. Ундайҙарын «Йософ пәйғәмбәрҙе кеүек» тийәрҙәр («Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе»). Әммә тағын да оноторға ярамай, төштәр бер нисә өлөштән торорға мөмкиндәр, уның беренсе йәки бер өлөшө «зәбихи» булып, ә икенсе «йософи» булыуы мөмкин. Шуға күрә беренсе өлөшөн нисек бар шулай ҡабул итергә, икенсеһен юрарға кәрәк. Беренсе өлөшө икенсеһенә инҡар икән, ул ваҡытта төшөң һаташыу тип һанала һәм тәғбир ителмәй. Ҡайһы ваҡыт төштәрҙә шулай ҙа була, әйтәйек, һиңә таныш хәл-ваҡиға ҡасандыр йөрөлгән юл булып күренергә мөмкин, йәғни таныш әйберҙәр, хата осраҡтар ҙа. Әммә бында таныш урыныңа йәки әйбергә ниҙер буласаҡ тип юрарға ярамай, нәмәне күреүеңә ҡарап тәғбирләү дөрөҫ булыр. Шулай ҙа теге йәки был кешене күргәндә, ул кешегә нисбәтле юраланыр. «Зәбихи» төштәр шундай булалар, ҡайһы ваҡыт тормошта: «Был хәл йәки ваҡиға минең менән булды бит инде. Мин быға осраным шул»,— тип тә уйлап ҡуяһың. Дөрөҫөн әйткәндә былар элегерәк төшөңә кергән була һәм тормошоңда ҡабатлана. Төштәр бер үк төрлө ваҡиғалар менән бер нисә тапҡыр керергә мөмкиндәр. Ваҡиғаларҙан шул билдәле (ул «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе»ндә иҫкә алынып үтелә), Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙгә бер ҡатын килә һәм төшөндә өйөнөң өрҙөгөн һынғанлығын күреүен әйтә. Уға яуабында пәйғәмбәребеҙ ул ҡатындың ситкә киткән иренең иҫән-һау әйләнеп ҡайтасағы менән юрай, һәм шулай булып сыға ла. Был ҡатының ире ситтән ҡайта, төшө һөйөнөслө була. Бер ни тиклем ваҡыт уҙыуға был ҡатын тағы шул уҡ төшөн күрә. Уны юратыр өсөн Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙгә килә. Әммә Рәсүлуллаһны тапмайынса, төшөн иң тәүҙә Әбү-Бәкер Әс-Сыйддыйҡҡа һөйләй һәм иренең үләсәге тураһында хәбәр ала. Бынан шул аңлашыла: бер үк төш ҡабатланып күренгәндә икенсе төрлө юраланырға ла мөмкин. Әммә был ҡатын Әбу-Бәкерҙән алған мәғлүмәт биреү менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе эҙләп таба һәм унан да ошо төшөн юрауын үтенә. Шул ваҡыт уға Мөхәммәд пәйғәмбәр: «Төштәрҙе әгәр ҙә элгәре кемгәлер һөйләп, унан тәғбирен ишетһәң, шул дөрөҫкә сыға»,— тип яуап бирә. Бынан тағы ла шундай нәтижәгә киленә: төшөңдө беренсе ишеткән кеше нисек юраһа, шуныһы дөрөҫ булыр, унан һуң бүтәнгә һөйләһәң дә, уның тәғбиренсә булмаҫ. Хәбәрҙә һөйләнелгәнсә, ул ҡатының төшө Әбү-Бәкерҙнең юрағанынса килеп сыға, ире үлә. Төштәрҙе юрау китаптарында төштәреңде шуның өсөн теләһә кемгә һөйләмәҫкә тәҡдим итәләр. «Ҡасан төш күрһәң,— тиелә «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе»ндә,— ғалимдәргә ҡыйсса ҡыл, йә бер аҡыл эйәһенә һөйлә, ҡатындарға һәм дошмандарға һәм наҙандарға әйтмәгеҙ». Сөнки төшөңдө, әле генә әйтеп уҙылғанса, дошмандарса «хата» юрарға мөмкин — дәр һәм, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендәгесә, төшөңдә әүәл дошманың нисек насарға тәғбир ҡылһа, шулай яманға сығасаҡ, хатта дөрөҫө яхшы булырға тейеш күрелһә лә. Шуға күрә төшөңдө кемдән юрауыңды белеп эш итеүең хәйерле. Тағы ла оноторға ярамай, әгәр ҙә яҡшылыҡҡа күрелгән төшөңдө йәшерен дошманың тыңлап торһа, бәләләре ҙурыраҡ була. Был хаҡта Йософ пәйғәмбәрҙең төшөң йәшерен тыңлаған Яҡуптын үгәй ҡыҙы уның ағаларына еткереп, Йософ пәйғәмбәргә ҙур бәләләр килтерә. Төш юраусылар көнсөллөк һәм дошманлыҡ хистәренән азат булырға тейештәр. Бигерәк тә сер һаҡлауҙы имандары дәрәжәһендә күреүҙәре талап ителә. Төштәрҙе юраусылар, «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһендә айырым күрһәтелгәнсә, дөрөҫөн әйткәндә унике сифаттың эйәһе булырға тейештәр: Беренсенән, күргән төшөн һөйләүселәрҙе төш юраусылар иң тәүҙә тынысландырһындар, төшөн изгелеккә юрарға тырышһындар һәм яуызлыҡтан һаҡланырға өндәһендәр. Ҡөръән аяттарынан күренгәнсә һәм хәҙистәрҙән билдәле булғанса, әгәр ҙә бер-бер кешегә төшөндә алда көтөлгән яманлыҡтан хәбәр бирелгән икән, ул кеше саҙаҡа-хәйерҙәр өләшеп, Аллаһы Тәғәләгә һыйынһын. Аллаһы Тәғәлә үҙенең бәндәләрен ситкә ҡуймаҫ һәм ташламаҫ, намаҙ һәм доғаларын ҡабул итер, тәүбәләрен ишетер тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Икенсенән, төш юраусы кешенең ғәмәле изге булһын. Әгәр ҙә насар эштәре менән мәшғүл әҙәм икән, ялған һәм миһырбанһыҙлыҡтан уҙмаған иһә, уның күңелендә ниндәй изге эш торһон да, хәҡиҡәттең асылын ҡайҙан белһен ти? Өсөнсөнән, төш юраусылар дини булһындар. Динһеҙ һәм иманһыҙ кешелә серҙәр тормаҫ, улар бар нимәгә көлөп һәм түбәнһетеп кенә ҡарарҙар. Рухтары дөрөҫөн әйткәндә үле йәки йоҡлаусылыр. Дүртенсенән, төш юраусылар әҙәпле булһындар. Әхлаҡһыҙ кешенең аҡылы тәрбиәһеҙ һәм сикләнгәнлек сире менән ауырыр. Әҙәпле кеше ҡаты бәрелмәҫ, һаҡ күңелеңде ауыр һүҙ менән кинәт бәреп ватмаҫ. Бишенсенән, төш юраусылар кеше һүҙенә ғәжәйеп тә иғтибарлы булһындар, ғәйбәттән телдәрен һаҡлаһындар, берәүҙең серен икенсегә һөйләмәһендәр, сер һандыҡтарын даими йоҙаҡта тотһындар. Алтынсынан, төш юраусылар һис бер ваҡытта маҡтанмаһындар, кеше алдында: «Мин фәлән-фәлән кешенең төшөн дөрөҫ итеп юраған инем, ҡара әле»,— тип танауҙарын сөйгәндәр дөрөҫөн әйткәндә тәғбирҙәрҙән булмаҫтар. Етенсенән, төш юраусылар һорауҙы төшөнөп етеүселәрҙән, һүҙҙе яҡшы аңлаусыларҙан булһындар. Сөнки төштөң асылы кешенең өмөтөнән ситтә түгелдер. Һигеҙенсенән, төш юраусылар яуап таба алыусы булһындар, улар бының өсөн: ғилемле, Ҡөръән һәм хәҙистәрҙе белеүсе, кәрәгендә китаптарҙан һүҙ дәлилен төшөндөрөрлөк дәрәжәлә аҡыллы кешенән һаналһындар. Туғыҙынсынан, төш юраусылар кешенең төштө һөйләүен тыныс һәм сабыр ғына тыңлаһындар, күңелдәрен даими тыныслыҡта тотһондар, яуапты ярты һүҙҙән үк белеп алһалар ҙа һүҙгә керешергә ашыҡмаһындар. Сабырлыҡ иң ҙур һәм аҡыллы кәңәшсе һәм фекерҙәштәрҙән ул. Яуабында ла һалмаҡлыҡ һәм аҡрынлыҡ менән эш итһендәр. Унынсыһы, төш юраусылар фәтле — киң күңелле һәм йомшаҡлыҡ эйәһе булһындар. Күңел тарлығы ул үҙе мохтажлыҡ, наҙанлыҡ һәм бәндәләргә дошманлыҡтыр. Унберенсеһе, төш юраусылар, ниндәй булһа ла хәжәттәр күренеүгә ҡарамаҫтан, ҡояш сыҡҡан ваҡытта, көндөң төш тураһында һәм ҡояш батҡанда төштәрҙе аңлатма ҡылмаһындар. Шул ваҡыттарҙа намаҙ һәм доғалар ҙа үтәлмәҫ, сөнки былар донъялыҡтың хәйерһеҙ миҙгелдәре һаналалар. Уникенсе, төш юраусылар үҙҙәренең серҙәрҙе белеүҙә көстәре сикһеҙ булыуға батырсылыҡ итмәһендәр, сөнки бар нәмәләрҙе асылда тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белер. «Һәр бер кешенең төшө мәртәбәһенә күрә булыр»,— тиелә «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе» китабында. Яман, уҫал, ҡаты күңелле кешенең төшө үҙенә генә хас сифатта керер; яҡшы, киң күңелле, күндәм бәндәгә иһә шулай уҡ мәртәбәһенә ярашлы рәүештә күрелер. Йәғни, яҡшы кеше төшөндә бығау күрһә, мәҫәлән, бығауланыу тәғбирҙә насарға булһа ла, мәртәбәһенә күрә был заттың төшө яҡшыға юраланыр; сөнки бығау ул миһырбан эйәһен һәр төрлө насарлыҡтарҙан тыяр, һаҡлап ҡалыр. Әммә ямандар өсөн бындай төш, уларҙың ғәмәлдәре насарлыҡта булыу сәбәпле, яманлыҡ эсендә ҡалыуға булыр. Шулай итеп, төштәрҙе юрағанда ул кешенең нимәгә, ниндәй хөкөмгә лайыҡ булыуын иҫәбенә алып эш итеү тейешле. Төштәр ул — серҙәр донъяһы, әммә әһәмиәттәре шунда: улар киләсәкте һәм үткәнде бер юлы үҙенсәлектә көҙгөләгеләй сағылдыралар. Наҙанлыҡ һәм монафиҡлыҡ эсендә булыусыларҙың төштәре лә шул тартынҡыларҙан уҙа алмай. Төштәрҙе мөьмин дә, кафыр ҙа күрер. Әммә юрамалары ғына төрлөсә булыр. «Тәғбирнамәи-йәнабиғ тәржемәһе» китабында төштәр көндәрҙең иң оҙонайған һәм дә иң ҡыҫҡарған ваҡыттарында дөрөҫ була, тиелә, сөнки «был ике ваҡыттарҙа кем, замандар яҡын, йәғни сәғәттәр мусави (яҡынайған, ҡыҫҡарған) булыр...». Әбул-Һашимдан риүәйәт итеп, төштәрҙең сәхәр ваҡытында йоҡлағанда ла дөрөҫ булыуын һөйләйҙәр. «Төштәрҙең раҫлығы көндөҙгө төштәрҙер. Уның өсөн, Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең (йәғни, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе) вәхи берҙән көндөҙҙәре хаслады». Имам Джәғфәр Садыйҡтан Ғәлинең улдары, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйендең күргән төштәре риүәйәт итеп һөйләнелә. Улар көндөҙгө (төшкө) сәғәттә йоҡлағанда бындай төш күрәләр: Мөхәммәд пәйғәмбәр уларға өндәшеп әйтә, и балаларым, сәфәргә ашығығыҙ, ти. Ул ваҡытта Әхирәткә күсенгән булғанлыҡтан олаталары Мөхәммәд пәйғәмбәр уларҙы әлбиттә үҙ янына саҡыра, йәғни үлем сәғәттәренең яҡын килгәнлеген белдерә. Хәсән менән Хөсәйен иһә, и бабабыҙ, әлегә донъяға ҡайтырға теләгебеҙ юҡ, тип белдерәләр. Әммә Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ уларға сәғәттең тамам ирешмәүен әйтә. Ошо төшөнән һуң Хөсәйен шәһит була. Төш юраусыларын алынған хәбәрҙәргә таянып, «Тәғбирнамәи-йәнабиғи тәржемәһе» китабында төштәрҙең ниндәй ваҡыттарҙа күрелеүенә ҡарап, ҡасан асылы билгеле буласағы, ҡаршыға ваҡиға сифатында киләсәге хаҡында ошолай белдерелә: Әгәр ҙә бер кеше кистең әүүәленә төш күрһә, ул ун көндән йәки бер айҙан һуң ғына беленәсәк хәлдәрҙән икән. Кистең аҙағында күрелгән төш бер йылға тиклем кисерелеп ваҡиға буласаҡ. Әгәр ҙә төшкө ашты ашап, йәстү йәки ахшамдан серем итеп алғанда төш күрһәң, ул төш дөрөҫ булмай һәм тәғбир ителмәй икән. Әммә йәстүлә ашамаған килеш йоҡлағанда төш күрһәң, уның ваҡиға булып килеүе биш йылға тиклем ҡәҙәр, тиелә. Кистең һуңғы ваҡытының бер миҙгелендәге төш бер йылға ҡәҙәр дөрөҫләнәсәк. Кистең иң һуңғы миҙгелендәге төш бер айҙа беленер. Таң атҡанда күргән төшөң бер йоманан бер айға тиклем дөрөҫ булыр. Таңда ҡояш сығыр алдынан төш күрһәң, көн эсендә йәки йомаға тиклем беленер. Ҡояш тыуғандан һуң күрелгән төш һул яҡҡа йәки салҡан ятҡан хәлдә булһа, дөрөҫтөр. Йөҙ түбән ятҡан хәлдә күрелгән төш батил тип иҫәпләнелә. Насар төш күрһәң, саҙаҡа биреп, тәүбә итергә кәрәк. Яҡшы төш күреүсе иһә, «Аятүл-Көрси»не уҡып, был доғаны ҡылыу дөрөҫ: «Аллаһы Тәғәлә, күргән төшөмдө миңә мөбәрәк әйлә, әгәр ҙә яҡшы булмаһа, бәләһен минән ал, рәхмәтең хаҡы өсөн, йә Рабби!» Шунан ҡулдары менән битен һөртөп ҡуйыр. Ошо рәүешле ятҡас төш күрһәң, бары тик яҡшыға ғына юраланыр, насарҙы күрмәҫ. Кеше әгәр насар төш күрһә, был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәһен, тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһын. Ошо өҫтә яҙылғандарҙан сығып, төш юрауҙа динебеҙ шундай ныҡ талаптар ҡуя икән, шуға таянып беҙ гәзитәге йәки интернеттәге теләһә ниндәй сонниктәргә ҡарап шулай-былай булыр икән тип йөрөүөбөҙ ахмаҡлыҡ булыр. Иблис ярҙамсыһы булған күрәҙәселәргә лә барыу һеҙҙе йәһәннәм утына дусар итә. Ауыр хәлдә булһағыҙҙа Аллаһ хаҡына сыҙағыҙ, әжере йәннәт булыр. Һәр ауырлыҡтан һуң еңелек килә шөкөр итегеҙ. «Төшлөк, төштәрҙе юрау» китабынан ҡыҫҡаса Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Вилдан Шәмсетдинов (“Вилли” ) һөйгән йәре Гөлназ Асаеваға рәхмәт һүҙҙәре еткереп, социаль селтәрҙә йылы яҙма менән уртаҡлашты. “Динә өсөн рәхмәт!” Теүәл бер йыл элек, артистарҙың ғаиләһен тулыландырып, ҡыҙҙары Динә тыуа. "Бөгөн – беҙҙең өсөн иң бәхетле көнөбөҙ. Динәбеҙ өсөн рәхмәт!" – тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Йырсыны һәм ире Вилданды бәхетле көндәре менән ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, Вилдан Атайҙар көнөндә атай булған! Инде йәш ата-әсәгә сабыйҙарын дүрт күҙ-ҡаш араһында үҫтерергә яҙһын! Сабый ғүмерле һәм бәхетле булһын!
Башҡорт Үргене ауылы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар әлеге белем йортонда йөҙәрләгән уҡыусыға тыуған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләп, үҙенең тынғыһыҙ ижади һәм ғилми эше менән башҡорт телен үҙ нәфислегендә һаҡлауға ҙур көс һалған шәхес. Ул“Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” бәйгеһендә финалға үтеп, грант отҡан. Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимова – Башҡорт Үргене ауылы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар әлеге белем йортонда йөҙәрләгән уҡыусыға тыуған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләп, үҙенең тынғыһыҙ ижади һәм ғилми эше менән башҡорт телен үҙ нәфислегендә һаҡлауға ҙур көс һалған шәхес. Ул“Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” бәйгеһендә финалға үтеп, грант отҡан. Форсаттан файҙаланып, еңеүсе менән әңгәмәләшеүҙән түбәндәгеләр билдәле булды. Ғаиләм-ҡәлғәм минең Уҡытыусы, ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы, үҙендә икеләтә яуаплылыҡ тоя. Эштә генә түгел, өйҙә лә бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр көтә. Балаларға яҡшы әсәй, өлгөлө ҡатын булыр кәрәк. Зилә Салауат ҡыҙының тормош иптәше Салауат Мурфаяз улы һәр ваҡыт таяныс, ауыр эшендә ярҙамсы булып тора. Ике ҡыҙҙары, Лилиә, Миләүшә, тормоштарына йәм өҫтәй, мәғәнә бирә. Лилиә - медицина колледжы студенты. Миләүшә - Мөхәмәт Исҡужин исемендәге башланғыс класты тамамлап, лицейҙа 5-се класта уҡый. Тормош һынауһыҙ булмай тигән кеүек, бер туған апаһы ныҡлы ауырып киткәс, улын, Русланды, үҙҙәренә тәрбиәгә алғандар, 6 –сы кластан опекаға алып, матур тәрбиә биргәндәр. Руслан республика политехник лицейын уңышлы тамамлап, аграр университетында уҡыған, хәҙер Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй, ғаиләгә таяныс. «Бала саҡта алған тәрбиәне һуңынан бөтә донъя халҡы үҙгәртә алмаҫ» тип яҙған халҡыбыҙҙың атаҡлы улы Р.Фәхретдинов. Шунлыҡтан Әбхәлимовтар балаларҙа яҡшы һыҙаттар тәрбәләй. Ҡатмарлы, ауыр тормош шарттарында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. “Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә. Балаң барыбер һиңә оҡшаясаҡ”, - тиҙәр психологтар. Шуға ла уларға бөтә яҡтан өлгөлө булырға тырышалар. Әгәр ғаиләлә бала китап, гәзит, журнал күрмәй үҫә икән, уны уҡырға өйрәтеп булмаясаҡ. Бала китап тотҡан, китап уҡыған ата-әсәне күреп үҫергә тейеш. Зилә Салауат ҡыҙының бала сағы китап уҡыған, гәзит-журнал алдырған мөхиттә үткән. Атаһы, Салауат Зәбихулла улы, “Пионер”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын, “Совет Башҡортостаны”, “Известия” гәзиттәрен яҙҙырған. Әсәһе, Мәрйәм Абҡадир ҡыҙы, ауыл китапханыһының иң оло уҡыусыһы исеменә лайыҡ булған, 77 йәшенә тиклем китапханан китаптар, журналдар алып уҡыған. Китап уҡыу, гәзит-журналдар алдырыу йолаһы Зилә Әбхәлимова үҙе ғаилә ҡорғас та дауам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ҡыҙҙарға бәләкәй саҡта “Аманат” журналы алдырһалар, үҫә төшкәс “Аманат” журналына яҙылалар. Журнал иғлан иткән конкурстарҙа ҡатнашып, бер-нисә тапҡыр бүләк тә ота Миләүшә. Лицейҙа иғлан ителгән “Уҡыған ғаилә” конкурсында еңеүсе булғандар. Лилиә, Миләүшә ҡыҙҙары, Руслан улдары башҡорт телен белгән, ихтирам иткән балалар булып үҫкән. Башҡорт теле буйынса төрлө олимпиада, конкурстарҙа теләп ҡатнашалар. Ғаиләлә башҡортса һөйләшеү, башҡорт булып тыуғанға ҡыуаныу, үҙ телеңдән оялмау тойғолары тәрбиәләй әсәй-атай. «Быйылғы йыл Ғаилә йылы тип юҡҡа ғына иғлан ителмәне. Яҡшылыҡ та, насарлыҡ та ғаиләлә башлана. Шуға ла балаларҙа Тыуған илгә, телгә һөйөү, ололарға ихтирам тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ғаиләлә өйрәтелергә тейеш”, - ти Әбхәлимовтар ғаиләһе. Хеҙмәтенә күрә -хөрмәте Зилә Салауат ҡыҙының эшенә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт телдәр һәм башҡа туған телдәр кафедраһы мөдире Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова былай тип баһалама бирҙе: -Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимованы уҡытыусы-эҙләнеүсе тип әйтергә була. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларға төплө белем биреү маҡсатында төрлө яңы технологиялар, алымдар ҡуллана, эҙләнә. Беҙҙең институтта уңышлы яҡлаған ике автор программаһы – ошо эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе. 2012 йылда яҡлаған ( 10-11 кластар өсөн) “Телмәр мәҙәниәте һәм стилистика” электив курс программаһы ике бүлектән тора. “Телмәр мәҙәниәте һәм стилистика” бүлегендә башҡорт теленең функциональ стилдәре, уларҙың ҡулланышы, маҡсаты, стиль һыҙаттары ҡарала. Уҡыусылар стиль төрҙәре менән генә танышып ҡалмайҙар, ә алған белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәнәләр. Икенсе бүлек “Инша төрҙәре”. Был бүлектә иншаның бөтә төрҙәре: хикәйәләү, тасуирлау, фекер йөрөтөү тибындағы, картина буйынса публицистик жанрҙағы ( репортаж, интервью, хәбәрләмә,мәҡәлә, һүрәтләмә, аннотация, рецензия) иншалар ҡарала. Уҡыусылар инша төрҙәре менән танышып, уларҙы яҙырға, анализларға өйрәнә. 2015 йылда яҡлаған “Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа дебат технологияһы” исемле автор программаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тәғәйенләнгән. Бөтәһе 15 сәғәттән торған программаның маҡсаты - уҡытыусыларҙы дебат технологияһын ҡулланырға өйрәтеү. Уҡытыусылар алған күнекмәләрҙән һуң дәрес эшкәртмәһен төҙөйҙәр, түңәрәк өҫтәл ойошторалар. 2017 йылда “Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә дебат технологияһын ҡулланыу” методик кәңәштәрҙе йыйынтыҡ итеп сығарҙы. Был йыйынтыҡҡа 11-се класта өйрәнелгән әҫәрҙәр буйынса дәрес-дебат эшкәртмәләре бирелгән. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ. Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, Тарих арбаһында барасаҡбыҙ. Мостай Кәрим Уҡытыусылыҡ эшенең тәүге йылдарында Зилә Әбхәлимова Күмертау ҡалаһының 6-сы мәктәбендә урыҫ балаларына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыта, халыҡтың нескә теле, бай әҙәби мираҫы аша буласаҡ башҡорт интеллигенцияһын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсаты әлеге көндә эшләп йөрөүсе Республика политехник лицей-интернатына алып килгән. 17 йыл эшләү дәүерендә остаздарынан дәрестәр алған, хеҙмәттәштәренең эш тәжрибәһен өйрәнгән, ә иң күп өйрәнеүҙе уҡыусыларҙан алған. Ижади, рухлы тәрбиәләнгән шәхестәр генә бөгөнгө еңел булмаған тормошта юғалып ҡалмай, үҙ маҡсатын ҡуя белә һәм уға ирешеү юлдарын аныҡ билдәләй ала. Бындай шәхестәрҙе тәрбиәләүҙә әҙәбиәт һәм тел дәрестәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Кеше хатаһында өйрәнеп йәшәүме, әллә үҙ хаталарың аша алға ынтылыу еңелерәкме? Тәүгеһелер, сөнки икенсеһе күпкә ауырыраҡ, ғазаплыраҡ, язалыраҡ. Шуға ла тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә йәштәрҙе уйландырырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк, үҙ фекерен яҡлай алырлыҡ, һығымталар яһай алырлыҡ эш алымдарын эҙләй башлай уҡытыусы. Хәләф Юнысбаевтың диагностика-коррекция технологияһын, В.Э. Штейнбергтың логик-мәғәнәүи модель алымдарын эш тәжрибәһенә индереү тел дәрестәрен һөҙөмтәлерәк итһә, уҡыу программаһына индерелгән Башҡортостан әҙиптәренең тормошсан әҫәрҙәрен өйрәнгәндә дебат, бәхәс- әңгәмә кеүек формалар уҡыусыларын нигеҙле уйландырырға, эҙләнергә, төплө фекер йөрөтөргә булышлыҡ иткән. Фәнни-тикшеренеү эшен башҡарыу балаларҙа белем алыуға тағы ла көслөрәк ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Был алым уҡыусыларҙа аналитик фекерләү, Интернет селтәрен файҙаланырға өйрәнеү, күҙәтеүҙәр алып барыу, фекерҙәрҙе тәртипкә килтереү, үҙ фекереңде нығытып, һығымталар яһау, кешеләр менән аралашырға өйрәнеү, публика алдында сығыш яһау аша үҙеңде ышаныслы тотоу, ораторлыҡ оҫталығын камиллаштырыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү мөмкинлеген биргән. Балаларға булған һөйөүе, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре, уҡыусылары менән уртаҡ уйҙары, бер йүнәлештә эшләүе, һайланған эш ысулдары үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Предмет олимпиадаларында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеүҙәргә өлгәшеү тағы ла ышаныслыраҡ аҙымдар яһарға булышлыҡ иткән, ә иң ҡыуаныслыһы – уҡыусыларының студент булып, башҡорт телен өйрәнеүе, һаҡлауы һәм телде үҫтереүгә йүнәлтелгән форумдарҙа, акцияларҙа ҡатнашыуы хеҙмәтенә иң юғары баһа булған. Бөгөн мәктәптәрҙә тел һәм әҙәбиәт уҡытыуға ҡағылышлы проблемаларҙың булыуы Зилә Салауат ҡыҙын оло борсоуға һала. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә ныҡлы иғтибарҙың кәрәклеге республикала туған телдәр өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте менән бәйле булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Туған тел дәрестәренә бәйле сетерекле мәсьәләләрҙең килеп сығыуы йөрәккә бысаҡ менән сәнсеүгә бәрәбәр. Руслаштырыу сәйәсәтенә еңел генә бирелеп, ғәмһеҙ рәүештә үҙ балаларыбыҙға үҙебеҙҙең телебеҙҙән яҙҙырырға, үҙ моңобоҙҙан биҙҙерергә, үҙ халҡыбыҙҙан кәмһендерергә беҙҙең хоҡуғыбыҙ юҡ, шуға ла бар йөрәгемде әсә телен уҡытыуға биреп, мин телебеҙ ҡеүәтлеген, милләтебеҙ мәртәбәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерәм, тип уйлайым һәм был миңә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Урыҫ милләтенән булған бер-нисә уҡыусым башҡорт телен туған тел булараҡ һайлауы минең дәрестәремде тағын да ҡыҙыҡлыраҡ үткәреүгә дәрт өҫтәй. Мостай Кәрим әйткәнсә: “Беҙ барбыҙ, буласаҡбыҙ, үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ”. Мин бәхетле уҡытыусы ғына түгел, бәхетле ҡатын һәм әсәй ҙә. Ошо бәхеттән дә ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң!? Бар ерҙә лә ут һүнгән, ҡалам тәрән йоҡоға талған. Минең йортом тәҙрәһендә ем-ем итеп ут яна… Мин киләһе дәресемде ижад итәм”, - тине уҡытыусы. Хәтер-ул һинең күңел хазинаң, һинең донъяң. (Ғайса Хөсәйенов) Музей – ул хәтер. Хәтерҙән юйылһа, әҙәмдең рухы ла һүнә. Уҡыусыларҙа рухи тәрбиә, үҙ тарихыңа, үткәнеңә ихтирам тәрбиәләүҙә мәктәп музейҙарының роле бик ҙур. Үткәнеңде белмәйенсә, киләсәкте төҙөп булмай, тиҙәр беҙҙең аҡһаҡалдар. Республика политехник лицей-интернатында музей 1997 йылда асыла. Беренсе етәксеһе, ойоштороусыһы Әмәкәсов Юлай Камил улы була. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр ярҙамында бай материал туплана. Бигерәк тә “Этнография” бүлегендә йыйылған уникаль әйберҙәр һоҡланыу уята. 2016 йылда лицейҙың 20 йыллығын билдәләргә әҙерлек башланғас, музейҙы Зилә Әбхәлимоваға тапшырғандар. Эште музейҙы паспортлаштырыуҙан башлай. Бөтә документтар рәткә килтерелеп Мәскәүгә ебәрелә һәм йыл аҙағында музейға танытма алына. Музей “Башҡортостан республикаһының паспортлаштырылған мәктәп музейҙары” йыйынтығына индерелгән. Үҙе етәкләгән 7 А класы менән “Мәктәп музейы активистары” тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге ойошторола. Ике йылға программа төҙөлә. Музейҙа реконструкция үткәрелә. Уҡыусылар, ата-әсәләр менән берлектә музейҙа яңы бүлек - “Совет осоро бүлеге” асыла. Ейәнсура районынан Юланов Илвирҙың ата-әсәһе совет осорондағы парта, пионерҙар борғоһо, барабан бүләк иткән. 7-се класс уҡыусыһы Ҡужаҡаев Артемдың ҡартаһы Ҡужаҡаев Айрат Сәлмән улы патефон, телевизор килтергән. Директор Ғөбәйҙуллина Римма Айрат ҡыҙы 6-сы кластағы мәктәп көндәлеген, ручка, совет осоро китаптарын бүләк иткән. Тәрбиәсе Әбдрәхимова Миңлегөл Рәфҡәт ҡыҙы мәктәп формаһын музейға тапшырған. Стенала лицей уҡытыусыларының мәктәп, студент саҡта төшкән фотолары урын алған. Ошо бүлек сығарылыш уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең яратҡан бүлегенә әүерелгән. Советтар Союзы осоронда үткән бала саҡты, йәшлекте хәтерләтә был бүлек. Лицейҙа “Батыр” хәрби-патриотик түңәрәге уңышлы эшләп килә. Уҡыусылар ҡала, республика кимәлендә генә түгел, Рәсәйҙә лә һөҙөмтәле сығыш яһайҙар. Уларҙың уңыштарын күрһәткән айырым бүлек булдырылған. 9 май лицейҙа хәрби парад үтә. “Үлемһеҙ полк” та уҡыусылар теләп ҡатнаша. Ҡарталарының портреттары менән парадта үтәләр. Шулай итеп музейҙа “Үлемһеҙ полк” бүлеге булдырылған. 10- сы класс уҡыусыһы Усманов Инсаф Мәскәү өлкәһенән окоп көрәген алып ҡайтҡан. Шулай уҡ бында уникаль әйбер- һалдат көндәлеге һаҡлана. Уны 10-сы класс уҡыусыһы Савина Евгения тапшырған. Көндәлек уның ҡарт ҡартаһы Ефим Егорович Резаевтыҡы. Зилә Салауат ҡыҙы Евгения менән ошо көндәлек буйынса фәнни эш яҙған һәм Уҡыусыларҙың кесе фәндәр академияһында 1 урын яулағандар. Лицейҙа йыл һайын Шәжәрә байрамы ойошторола. Иң беренсе Шәжәрә байрамы 2001 йылда үткәрелә. “Шәжәрә – тәрбиәгә эйә” тигән бүлек ошо байрамдар сағылдырылған фотолар менән тулыландырылған. Уҡыусыларҙың Шәжәрә буйынса эшләгән фәнни эштәре лә ошо бүлектә һаҡлана. Лицейҙың уңыштары бихисап. Ул айырым бүлек “Беҙҙең ҡаҙаныштар” тип атала. Бында лицей яулаған диплом, грамоталар урын алған. Шулай уҡ лицей асылғандан бирле алып барылған “Лицей йылъяҙмаһы” альбомдары һаҡлана. Көслө уҡытыусылар ғына көслө уҡыусылар тәрбиәләй ала. “Беҙҙең миҙалсылар” стенды ошо хаҡта һөйләй. 20 йыл эсендә 168 уҡыусы лицейҙы алтын, көмөш миҙалға тамамлаған. Артабанғы стенд директорҙар, ветеран уҡытыусыларға һәм шунда эшләп киткән, лицей тормошона ҙур өлөш индергән уҡытыусыларға арнала. Шкаф-стендттарҙа уҡыусыларҙың ҡул, ижади эштәре урынлаштырылған. Физика предметы буйынса уҡыусылар үҙҙәре эшләгән приборҙар тора. Шулай итеп, музей - тарих сығанағы. Уҡыусылар был музейҙа булырға яраталар, унда үткәрелгән дәрестәрҙе онотмайҙар. Уҡытыусы профессияһына дан йырлаусы Мәғариф өлкәһендәге яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, яңыларын туплау, ғөмүмән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының дәрәжәһен күтәреүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсаты Зилә Әбхәлимоваға күп һәм төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашырға этәргес көс бирә. 2004 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡанда, тәжрибә юҡлығы үҙен һиҙҙерһә, 2014 йылда бындай мәртәбәле конкурста ҡатнашыу үҙе бер ижади байрам булған. Оҫталыҡ кластары, инновацион проект яҡлау, дәрестәр күрһәтеү бер тында үтеп киткән. Бына көтөлгән еңеү! “Иң өлгөлө дәрес” номинацияһында еңеүсе! Уҡытыусының иң төп эше - төплө дәрес биреү. Жюри мине шундай номинация менән баһалағанға сикһеҙ шатлана сәмле уҡытыусы. Күҙәтеп йөрөй: Башҡортостан уҡытыусылары бер ҡасан да һынатмайҙар, бик уңышлы сығыш яһап ҡайталар. 2015 йыл Мәскәүҙә конкурста ҡатнашырға форсат сыға. Өс этаптан торған конкурстың һайлап алыу турын уңышлы үтә. “Минең педагогик кредо” тигән эссе, бер дәрестең эшкәртмәһен 1- се турға ебәрә. 2- се турға үҙенең эшең, уңыштарың күрһәткән портфолионы йыйып ебәрерә һәм саҡырыу көтөрә. Бына ул көн килеп еттә! Зилә Әбхәлимоваға ла финалға үтеүе тураһында саҡырыу килә! Бөтә сығымдарҙы үҙҙәре, Грант иҫәбенән ҡаплаясаҡтары тураһында еткергәс, бер аҙ шаңҡып ҡала. Дәртләнеп әҙерләнергә тотона: дәресте видеоға төшөрөү, оҫталыҡ класын әҙерләү, күргәҙмәгә материалдар туплау, милли кейем табыу. Ниндәй башҡорт саҡырған ергә күстәнәсһеҙ йөрөһөн! Күстәнәскә бейеү алып барырға була. Хореография мәктәбенән Лилиә Рәмил ҡыҙы бик матур бейеү өйрәтә. Бына Мәскәү! Теүәл биш көн бара конкурс. Бөтәһе 40 финалсы. Мәскәү буйлап экскурсиялар, операға барыу онотмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Жюри ағзалары менән танышҡас, ҡаушауы бөтөнләй юҡҡа сыға. Беренсе көндө үҙең менән таныштырыу (визитка), икенсе көндө видеодәрескә комментариялау, зал менән оҫталыҡ класын күрһәтеү һәм үҙеңдең эшең тураһында күргәҙмә әҙерләү булһа, өсөнсө көндө түңәрәк өҫтәл ойошторола. Бына аҙаҡҡы көн. Конкурсты йомғаҡлау өлөшөнә бөтәһе лә милли кейемдәрҙә килә. Ситтән ҡараһаң, шундай матур, иҫ киткес күренеш. Еңеүселәрҙе билдәләйҙәр. Зилә Салауат ҡыҙы жюри ағзаларының махсус дипломына лайыҡ булып, тәүге 15 иң яҡшы уҡытыусылар рәтенә инә! Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты үткәргән “Уҡытыусы оҫта” конкурсында уҡытыусылар үҙҙәренең методик оҫталығын камиллаштыра, яңы технологиялар үҙләштерә, уларҙы дәрестә файҙалана. 2015 йылда беҙҙең героиня был конкурста үҙ көсөмдө һынап ҡарарға була. Конкурсҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тәғәйенләнгән “Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа дебат технологияһы” исемле автор программаһын тәҡдим итеп, финалға үтә, унда Мәғарифты үҫтереү институтының Ғилми советы алдында шәхси программаһын яҡлай һәм Мәғариф министрлығы ҡарары менән “Уҡытыусы- оҫта” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, “Башҡортостандың педагогик элитаһы: поофессиональ конкурстар еңеүселәре һәм призерҙары” йыйынтығына инә. Эш урыны – тәртип өсөн Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен тейешле кимәлдә уҡытыу өсөн зауыҡ менән йыһазландырылған, бай йөкмәткеле башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын булдырыу төп шарт булып тора. Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын булдырыу, йыһазлау, тулыландырыу өсөн бик күп көс талап ителә. Зилә Әбхәлимованың эш кабинеты интерьеры ентекләп уйланылған, һәр планшет, стенд зауыҡ менән биҙәлгән. Стендтар тематик яҡтан үҙгәртелеп тора. “Класс мөйөшө” стендында класс тураһында белешмә, яңылыҡтар эленә. Икенсе стенд йылдың исеменә тура килтерелеп үҙгәртелә. Өсөнсө стенд уҡыусыларға фәнни-ғәмәли эш яҙғанда кәңәш формаһында бирелгән. “Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары” стенды тулыландырыла. Портреттар ваҡытында өҫтәлә. Күргәҙмә стенды ла үҙгәртелеп тора. Кабинетта булған журналдарҙан картотека төҙөлгән. Был картотека фәнни эш эшләгәндә, дәрескә әҙерләнгәндә бик уңайлы. Әҙәби китаптарҙың, методик ҡулланмаларҙың исемлеге бер тәртипкә килтерелеп, китапсыҡ рәүешендә баҫтырылған. Кабинет ҡала кимәлендә үткәрелгән “Туған телдәр кабинеты” конкурсында икенсе йыл рәттән еңеүсе булып килә. Лицейға килгән күренекле ҡунаҡтар башҡорт теле кабинетын ситләп үтмәй. Кабинетта төрлө осрашыуҙар, конкурстар, конференциялар үткәрелә. Уҡытыусы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт телдәр һәм башҡа туған телдәр кафедраһы тарафынан үткәреп килгән юбилярҙарға арналған дәрес эшкәртмәләре конкурсында йыл да ҡатнаша. Уҡытыусылыҡ эшен, уҡыусыларының уҡыуҙа һәм кластан тыш сараларҙа күрһәткән уңыштарын, үҙенең төрлө конкурстарҙа еңеүен Мәғариф министрлығы юғары баһалаған: “Башҡортостандың Мәғариф отличнигы” билдәһен тапшырған. 2015 йылда “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” конкурсында еңеп, Башҡортостан хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ була. Шулай итеп, һәр конкурс, бәйге уҡытыусыны ижади яҡтан үҫтерә, уға дәрт бирә. Намыҫлы хеҙмәт ниндәй генә булмаһын, аҙаҡ килеп кешегә ҡыуаныс килтерегә тейеш. (Динис Исламов) Зилә Салауат ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙы уйландырырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк, үҙ фекерен яҡлай алырлыҡ, һығымталар яһай алырлыҡ эш алымдарын ентекләп өйрәнә һәм дәрестәрҙә ҡуллана. Хәләф Юнысбаевтың диагностика-коррекция технологияһы уҡыусыларҙың алған белемен тестар ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тикшерергә мөмкинлек бирһә, В.Э. Штейнбергтың логик-мәғәнәүи модель йомғаҡлау дәресендә ҙур ярҙамсы булып тора. Методик тема булараҡ, дебат технологияһын төрлө сығанаҡтарҙан өйрәнеп, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә ҡуллана башлай. Уҡыу программаһына индерелгән Башҡортостан әҙиптәренең тормошсан әҫәрҙәрен өйрәнгәндә, дебат, бәхәс-әңгәмә кеүек формалар уҡыусыларҙы нигеҙле уйландырырға, эҙләнергә, төплө фекер йөрөтөргә булышлыҡ итә. Республика политехник лицей-интернатына Бөтә Рәсәй гимназия берләшмәһенән бүләк ителгән видеоконференция ҡоролмаһы бик күп мөмкинлектәргә юл аса. Иң тәүге дебат-дәресен видеоконференция аша Ишембай ҡалаһы Башҡорт гимназияһы менән үткәрә. Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” әҫәре буйынса “Ғәйепләргә ярамай, аҡларға” дебат-дәрес берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Уҡыусылар үҙ позицияларын яҡлар өсөн бик күп аргументтар, факттар таба. Иң мөһиме: әҫәрҙе тулыһынса уҡып сығалар. Бәхәс уйын аҙағынан һуң да дауам итә. Артабан Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһы буйынса “Урман мәңгелек булырға тейеш” дәрес-дебаты уҙғарыла. “Электрон китап уңайлымы?”, Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса төҙөлгән “Донъяны мөхәббәт ҡотҡарыр” исемле дәрес-дебаттар, оҫталыҡ кластар видеоконференция аша Рәсәй кимәлендә күрһәтелә. Зилә Әбхәлимова “Уҡытыусы-оҫта” республика конкурсында еңеү яулағандан һуң Күмертау ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн 15 сәғәттән торған курстар үткәрә. Курс аҙағында түңәрәк өҫтәл ойошторола. Республика кимәлендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белемен үҫтереү курстарында оҫталыҡ кластары менән сығыш яһай. Темаға ҡағылышлы мәҡәләләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында һәм бик күп йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыға. Бөтә йыйылған эш тәжрибәһен туплап, 2017 йылда йыйынтыҡ итеп сығара. Ҡыуаҡтағы йәш сыбыҡты еңел бөгөп булған шикелле, баланы йәшләй тәрбиәләү ҙә еңелерәк бирелә. (Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев) Уҡытыусы үҙ предметы буйынса белем генә бирмәй, тәрбиәләй ҙә. Зилә Салауат ҡыҙы үҙ туған телен яратҡан, башҡа телдәрҙе, милләтте ихтирам иткән, тыуған иленә тоғро ҡалған, ата-әсәһен, үткәнен ихтирам иткән кеше тәрбиәләргә тырыша. Бының өсөн төрлө кимәлдә, төрлө юҫыҡта үткәрелгән бәйгеләр, кластан тыш саралар, конкурстар ярҙамсы булып тора. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән, уның эстәлеген яҡшы белгән уҡыусылар бер ҡасан да насар юлға баҫмаясаҡ. Урал батыр кеүек үҙ илен яҡлаясаҡ, һаҡлаясаҡ. Шәжәрәһен белмәгән кешенең киләсәген күҙаллауы ауыр. Уҡыусылары ата-әсәһе, олатай-өләсәһе ярҙамында үҙ быуынын тергеҙәләр һәм лицейҙа үткәрелгән “Шәжәрә” байрамында әүҙем ҡатнаша. Ата-әсәләренең, туғандарының килеп рәхмәт әйтеүҙәре ҙур мәғәнәгә эйә. Уҡыусылар теләп үҙ туған телен-башҡорт телен өйрәнә һәм лицейҙа үткәрелгән “Мин башҡортса һөйләшәм” акцияһында ҡатнаша. Башҡорт телен пропагандалауҙың бер сараһы булып “Шаяниум” конкурсы тора. Лицейҙа ул 5- се йыл рәттән уҙғарыла һәм “Шаҡмаҡ” командаһы бер-нисә тапҡыр зона һәм республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа еңеү яулай. Хәҙер ул командалағы егеттәр Өфөнөң төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡыһалар ҙа “КВН асыҡ лигаһында” ҡатнашып йөрөйҙәр, уңыштарға өлгәшә. “Башҡорт халыҡ уйындары” бәйгеһендә һәм “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” Республика балалар һәм үҫмерҙәр ижади фольклор фестивалендә ҡатнашыу халҡыбыҙҙың матур йолаларын һәм уйындарын яҡшы белеүгә этәргес көс бирә. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып халыҡ уйындарын уйнай. Класс менән эшләү уҡытыусыға айырым көс талап итә. Интернат системаһы булғас, ҡырҙан килгән уҡыусыларға икенсе әсәй ҙә, әхирәт тә, дуҫ та булырға тура килә. Баланың ышанысын яуламаһаң, тәрбиәләүе бик ауыр. 17 йыл эшләү дәүерендә Зилә Әбхәлимова класы менән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа йыш ҡатнаша. Музейҙарға, тәбиғәткә экскурсияларға ғына сығып ҡалмай, ололарға ла ярҙам итәләр. Шулай итеп уҡытыусының эше күп яҡлы һәм ҡыҙыҡлы. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.