text
stringlengths
369
192k
Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын ағымдағы йылдың аҙағында тапшырыу планлаштырыла. Дәүләкәндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май Указдары менән раҫланған "Демография" милли проекты сиктәрендә ике балалар баҡсаһы төҙөү дауам итә. Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын ағымдағы йылдың аҙағында тапшырыу планлаштырыла. Көнбайыш урамындағы 130 урынлыҡ балалар баҡсаһы 2019 йылдың ноябрь айында төҙөлә башлағайны. Микрорайон яңы, бында күбеһенсә бәләкәй балалы йәш ғаиләләр йәшәй. Шуға урындағы халыҡ мәғариф учреждениеһының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Был объектта төп төҙөлөш эштәре тамамланған, тип әйтергә була. Әлеге мәлдә унда эске биҙәкләү һәм территорияны төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Объектты ағымдағы йыл аҙағына төҙөп бөтөрөргә планлаштыралар. Мәктәпкәсә учреждениеларҙың икеһендә лә өс йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн йәсле төркөмдәре лә эшләйәсәген билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ Көнбайыш урамындағы балалар баҡсаһы эргәһендә балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары ла төҙөкләндерелде. Улар тулыһынса тәртипкә килтерелде, уйын майҙансығына йомшаҡ резина ҡатламы түшәлде. Ошо минуттарҙа төҙөүселәр майҙансыҡтарҙы тәртипкә килтереүҙә һуңғы һыҙаттар яһай. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Борон-борондан малсылыҡ менән көн иткән башҡорт халҡында һарыҡ йөнөнән әйберҙәр эшләү кәсебе үҫешкән булған. Беҙҙең ата-бабалар кәзә йөнөнән мамыҡ кеүек йомшаҡ дебет шәлдәр бәйләгәндәр. Ә һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫҡандар. Кейеҙҙе түшәк рәүешендә генә түгел, ә тирмәне ҡаплау өсөн дә ҡулланғандар. Кейеҙҙән ҡапланған тирмә ямғыр үткәрмәгән, эстә йылы тотҡан. Бынан тыш, һарыҡ йөнөнән, кәзә ҡылынан матур-матур балаҫтар һуҡҡандар. Бының өсөн тәүҙә һарыҡ йөнөн йыуып, махсус ағас тараҡ менән иләгәндәр. Шунан ҡолғаға (1,5 метр оҙонлоҡтағы таяҡ) ҡуйып иләнгән йөндән орсоҡ ярҙамында еп эшләгәндәр, йәғни йөндө орсоҡҡа бәйләп, өйөрөлтөп, еп яһағандар. Борон башҡорттар балаҫ һуғыу өсөн иләнгән ептәргә төрлө төҫ биреү өсөн үҙҙәре буяу әҙерләгән. Мәҫәлән, ҡыҙыл буяу өсөн ҡыҙыл тамыр үләнен (урыҫса – Марена красильная тип атала), һары буяу өсөн – һыйыр теле үләнен (урыҫса – Серпуха красильная), ә йәшел төҫтәге буяу эшәү өсөн көкөрт үләнен (урыҫса – Плаун) ҡулланғандар. Ҡыҙыл буяу әҙерләү өсөн ҡыҙыл тамыр үләненең тамырын киптереп, ваҡлап, һыуҙа ҡайнатҡандар һәм һелте (урыҫса – щелочь) ҡушҡандар. Һелтене башҡорттар, ғәҙәттә, утындан ҡалған көлдө ҡайнатып әҙерләгән. Ҡыҙыл тамыр төнәтмәһенә һелте ҡушҡас сағыу ҡыҙыл буяу килеп сыҡҡан. Йөн ептәрҙе йәшел төҫкә буяу өсөн. Тәүҙә көкөрт үләненән серетмә әҙерләгәндәр,йәғни үләнде һыуға һалып сереткәндәр. Үләндең һуты (төҫө) һыуға һеңгән. Серетмәне тиҙерәк әсетеү өсөн ҡайһы осраҡта әсеүташ (урыҫса – квасцы) ҡушҡандар. Ҡайһы саҡта көкөрт үләне урынына артыш (урыҫса – можжевельник) һабаҡтарын ҡулланғандар. Йөндө һары төҫкә буяу өсөн башҡорттар һыйыр теле үләненең һабаҡтарын ҡаҙанда ҡайнатыр булған. Тәүҙә көкөрт үләне төнәтмәһенә һалынған йөндө 15 минутҡа һыйыр теле үләненән әҙерләнгән шыйыҡсала тотҡандар. Шул рәүешле йөн һары төҫкә ингән. Йөн ептәрҙе төрлө төҫкә буяғандан һуң уларҙы, киптереп, балаҫ һуғыу станогына ҡуйғандар. Был ҡорамал башҡорттарҙа урынағас тип аталған. Урынағастың (станоктың) рамы (һөлдәһе) бер-береһенә беркетелгән дүрт ағас бағананан ғибәрәт. Артҡы бейек бағаналарына өйөрөлөп торған вал (күсәр) беркетелгән. Ул айыубаш тип аталған. Тараҡ менән көрөҫ ебе (балаҫ ептәрен беркетә торған ҡыл) урынағастың артҡы бағаналарына беркетелгән ағасҡа нығытылған булған. Ул ҡалтырса сығыр тип аталған. Урынағастың тарағы йоҡа ғына ағас таптарынан эшләнгән. Ғәҙәттә, балаҫты һуғыу, йәғни балаҫ йөндәрен беркетеү өсөн аттың йәки кәзәнең ҡылын ҡул-ланғандар. Ул көрөҫ ебе тип аталған. Һуғылған балаҫты урау өсөн станоктың алдында торған вал борғоса тип исемләнгән. Борғоса тыйғысы тип аталған махсус рычаг менән нығытылған булған. Башҡорттар ошондай уҡ станокта киндер, етендән туҡымалар етештергәндәр. Кәрәк саҡта, урынағастың (станоктың) тарағын һәм көрөҫ ебен алмаштырып, балаҫ һуҡҡандар, тип яҙа этнограф С. Руденко. Элек балаҫтарҙы бөтөн Башҡортостанда һуҡҡандар. Ғәҙәттә, кәзә һәм һарыҡ йөнөнән. Әммә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында балаҫ һирәгерәк эшләнгән. Сөнки күскенселәрҙең күпләп килеүе, шул арҡала ерҙәр тарайыу сәбәпле был яҡ башҡорттары малды әҙерәк көтөргә мәжбүр була. Шуға күрә лә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары 20-се быуат башында сепрәктән балаҫ һуға башлай. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында балаҫ һуғыу кәсебе башҡа төбәктәрҙән әҙерәк айырылған. Бында рамһыҙ урынағаста (станокта) балаҫ һуғыр булғандар. Балаҫты, ғәҙәттә, оҙон таҫма формаһында (18–24 см) һуҡҡандар. Шунан уны кәрәк күләмдә ҡырҡҡандар (ғәҙәттә, 2 метрҙан 3,5 метрға тиклем). Артабан таҫмаларҙы бергә тегеп, балаҫ яһағандар. Бер балаҫта 6-7 балаҫ таҫмаһы беркетелгән. Ҡырҡылған ситтәре төҫлө туҡыма менән тегелгән. Балаҫты, ғәҙәттә, урындыҡҡа тирмәнең ҡунаҡтар ҡабул итә торған яғында йәйеп һалғандар. Кейеҙгә тегелгән бәләкәй балаҫтарҙы йоҡлау өсөн түшәк итеп ҡулланғандар. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында борон-борондан буй балаҫ һуҡҡандар, йәғни балаҫ төҫтәр, биҙәктәр буйлап һалынған. Бындай балаҫтар Дим буйы башҡорттарында ла булған. Хәҙерге Ғафури, Ишембай райондарында һәм көньяҡ башҡорт-тары урынағаста (станокта) 70 сантиметр киңлегендәге арҡыры балаҫтар һуҡҡан. 20-се быуаттан көньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда буй балаҫ урынына сағыу орнаменталь композициялы, төрлө конфигурациялағы геометрик биҙәктәр ҡулланып балаҫтар эшләй ашлағандар. Бында балаҫтар келәм йәки аҫалы балаҫ тип йөрөтөлә. Бөгөн дә Дим, Ағиҙел йылғалары буйлап йәшәгән көньяҡ-көнбайыш башҡорттарында сағыу балаҫтар һуғыу йолаһы ҙур үҫеш алған. Балаҫ һуғыу кәсебе башҡорт халҡының сал быуаттарҙан килгән бай матди мәҙәниәтенең сағыу өлгөһө булып тора. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Кисә Өфөнөң Калинин районында туғыҙ йәшлек ҡыҙ асыҡ ҡалдырылған ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән. Был турала Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә яҙып сыҡты: “Кисә бик ҡурҡыныс хәл булды. Калинин районында алты метр тәрәнлектәге асыҡ ҡоҙоҡҡа ҡыҙ бала йығылып төшкән. Ашығыс хеҙмәттәр килеп еткәнсе, беҙҙең район хакимиәте хеҙмәткәре үҙе ҡоҙоҡҡа төштө һәм ҡыҙҙы яурындарына ултыртып, өҫкә алып сыҡты. Баланы участка инспекторы менән бергә “Ашығыс ярҙам” машинаһында оҙаттыҡ. Ул иҫән-һау, күҙгә күренер йәрәхәттәр алмаған”. Ысынлап та, алты метр тәрәнлеккә осҡан баланың имгәнмәйенсә иҫән-һау ҡалыуын мөғжизәгә тиңләргә була. Был ҡоҙоҡ ҡайһы ойошмаға ҡарай? Ни эшләп ул асыҡ ҡалған, кем быға юл ҡуйған? Баш ҡала мэры быны асыҡлаясаҡтарын һәм ғәйеплеләр яуап бирәсәген хәбәр итә. “Хужаһыҙ ҡоҙоҡтар булырға тейеш түгел һәм бындай ҡурҡыныс хәлдәргә юл ҡуйырға ярамай”, – ти ул. Сергей Греков бөгөн “Ҡоҙоҡ” операцияһы иғлан ителеүе хаҡында яҙа. “Яуаплы хеҙмәттәргә бөтә ҡалала тикшереү үткәреү өсөн ике тәүлек бирәм”, – тип белдерә. Өфө хакимиәте башлығы битараф булмаған кешеләрҙе асыҡ ҡоҙоҡтар хаҡында хәбәр итергә саҡыра. “Әгәр ҡайҙалыр ябылмаған ҡоҙоҡтар күрһәгеҙ, миңә яҙығыҙ, адрестарын күрһәтеп, фотоларын һалығыҙ", – ти ул. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Коронавирусты йоҡторғандарҙың 45 процентында сирҙең бер генә билдәһе лә күҙәтелмәй. Ғалимдар был серҙе асҡан тиерлек. Пекиндағы дөйөм профилле дауахананың Үпкә медицинаһы һәм реанимация колледжы белгестәре коронавирусҡа толерантлығы булған өс пациенттың хәлен һүрәтләгән. Был сирлеләрҙе бер ниндәй ҙә ауырыу билдәләре борсомаған, әммә коронавирус уларҙың организмында оҙаҡ ваҡыт һаҡланған. Бығаса ошондай феномен туберкулезға, холераға һәм башҡа инфецияларға бәйле һүрәтләнгән булған. Унда ла сирлеләрҙең күпселеге ауырыуҙы билдәһеҙ үткәрә. Хәҙер килеп, ғалимдар билдәһеҙ (симптомһыҙ) COVID-19 вирусын йөрөтөүселәрҙең серен асҡан тиерлек. Уларҙың ҡанында организмды вирус өлөшсәләренән тиҙ генә таҙартыусы лимфоциттар күп икәнлеге билдәле. Ошо хаҡта Ҡытайҙың Ухань университетының бер төркөм белгестәре журналда ғилми эш баҫтырған. Коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың 45 процентында сирҙең бер генә билдәһе лә күҙәтелмәй, һәм был пандемия башланғандан бирле тикшереүселәр өсөн сер булып тора. Шул уҡ ваҡытта сир билдәһе булмау был кешеләр башҡалар өсөн хәүефһеҙ тигәнде аңлатмай: улар, сир билдәһе булғандар кеүек үк, вирусты әүҙем рәүештә тарата, шуға күрә ҙур хәүеф тыуҙыра. Анығыраҡ әйткәндә, тап ошондай кешеләр пандемияны алға этәреүсе булып тора ла. Белгестәр COVID-19 йоҡторған кешеләрҙең ни өсөн ауыр эҙемтәләрҙән һәләк булғаны, ә бәғзеләрҙең был вирусты хатта тоймауы серҙәрен дә асыҡларға тырышҡан. Бының өсөн Ҡытай ғалимдары сир билдәһе булмаған һәм коронавирустың ауыр формаһы менән ауырыған 25, дауаханаға эләккән 27 пациенттың тамаҡтан алынған биоматериалдарын, ҡан өлгөләрен тикшергән. Ике төркөм пациенттарҙың да вирус көсөргәнеше яҡынса бер сама булып сыҡҡан (организмдағы шыйыҡсаларҙа вирус өлөшсәләренең концентрацияһы). Ә сир билдәһе булмағандарҙың организмында лимфоциттарҙың бөтә төрө лә юғары кимәлдә икәне асыҡланған. Билдәле булыуынса, улар - иммун системаһының төп күҙәнәктәре, төрлө инфекцияларҙан һаҡлайҙар. Ғалимдар иҫәпләүенсә, тап коронавирустың билдәһе булмаған кешеләрҙең организмында лимфоциттарҙың юғары концентрацияһы уларҙың өҫтөнлөклө хәлдә икәнен билдәләй. Т-күҙәнәктәр вирусты контролдә тота, организмды уларҙың өлөшсәләренән тиҙ таҙартыуға булышлыҡ итә, сир билдәләренә үҫешергә форсат бирмәй. Фото: zen.yandex.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sir-bild-e-bulma-andar-ur-h-ef-tiu-ira-525307/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Үрге Йәркәйҙәге «Эра» йәмғиәтенең «Горячий хлеб» магазинында асыҡ йөҙлө, үҙ эшенә яуаплы ҡараусы һатыусылар хеҙмәт һала. Ғәлиә Ғәбдрәхимова –шундайҙарҙың береһе. Ул Өфөлә аҙыҡ техникумында уҡып, технолог һөнәрен үҙләштерә. Юллама буйынса ТРҙың Зәй ҡалаһына ебәрелеп, «Зәй икмәк комбинаты»нда хеҙмәт юлын башлай. Артабан тыуған яғы- на ҡайтып, Үрге Йәркәйҙәге «Илеш аҙыҡ комбинаты»ның кондитер цехында бригадир булып дауам итә. Әлеге предприятие эшсәнлеген туҡтатҡас, Ғәлиә Фәхрислам ҡыҙы төрлө сауҙа нөҡтә- ләрендә һатыусы һөнәрен башҡара. Уның дөйөм стажы 35 йыл булып, шуның 6 йылын «Горячий хлеб» магазинында эшләй. Үҙ вазифа бурысына намыҫлы ҡарау һөҙөмтәһендә һәр һатып алыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, яҡты йөҙ һәм тәмле һүҙ менән ҡаршы ала ул. «Эра» йәмғиәте етештергән ризыҡтарҙы райондаштар теләп һатып ала, шуға күрә бынан кеше өҙөлмәй, тиһәң дә яңылыш булмаҫ. (Дауамын гәзитебеҙҙнең 3 һанында уҡығыҙ) Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Риф Тойғондоң "Йөрәктә мөхәббәт = В сердце любовь" исемле баҫмаһын ҡулыңа алғас үҙеңде хозур тәбиғәт ҡосағында тояһың. Ижады менән танышыу күңелгә сихәт бирә, матурлыҡҡа әйҙәй, изгелеккә ышанысты арттыра. Тәбиғи ҙә, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта фәлсәфәүи уйланыуҙарға илткән әҫәрҙәре хатта борсолоулы темала ла өмөттө һәм сикһеҙ хыялдарҙы бөрөләндереп ҡуя... Күренекле шағир, прозаик, драматург Риф Тойғондоң был китабында тормош ҡанундарына бәйле фәлсәфәүи, тыуған яҡҡа, Тыуған илгә, ҡатын-ҡыҙҙарға, дуҫтарына бағышланған лирик шиғырҙары, поэмалары тупланды, шулай уҡ, айырым бүлек итеп шағирҙың ижады, тормошо хаҡында ҡәләмдәштәренең мәҡәләләре һәм уға арналған шиғырҙар индерелде. Китап башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылды һәм уны нәшерләүгә билдәле яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина әҙерләне. Китап һеҙҙе көтә, дуҫтар! 22.11.2021 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
Йыл һайын яҙ башында Өфөлә гүзәл дә, ҡыйыу ҙа, сос һәм дәртле лә, сағыу йөҙлө, һомғол буйлы, ижади һәләттәре менән һоҡландырыр башҡорт ҡыҙҙарының республика матурлыҡ конкурсы уҙа. Быйылғы сара егерме алтынсы тапҡыр үткәрелеп, Ғаилә йылына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналды. Йыл һайын яҙ башында Өфөлә гүзәл дә, ҡыйыу ҙа, сос һәм дәртле лә, сағыу йөҙлө, һомғол буйлы, ижади һәләттәре менән һоҡландырыр башҡорт ҡыҙҙарының республика матурлыҡ конкурсы уҙа. Быйылғы сара егерме алтынсы тапҡыр үткәрелеп, Ғаилә йылына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналды. “Һылыуҡай” исеменә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән һәм Мәскәү ҡалаһынан ун ике ҡыҙ дәғүә итте. Гүзәллек бәйгеһенең төп ваҡиғаһы булған финалға әҙерлек барышында улар хореографтар, вокал, актерлыҡ оҫталығы буйынса педагогтар етәкселегендә үҙ һәләттәрен камиллаштырыу өҫтөндә эшләне. Конкурста ҡатнашыусыларҙың төрлө ваҡиғаларға бай һәр көнөн, ойоштороусыларҙың улар өсөн әҙерләгән һынауҙарын телевидение аша күҙәтергә лә мөмкин булды – ҡыҙҙар көн һайын “Һылыуҡай көндәлеге” тапшырыуында сығыш яһаны. Матурлыҡ бәйгеһендә Әлшәй районын егерме йәшлек Әлфинә Кашапова лайыҡлы тәҡдим итте. Өфө дәүләт авиация университеты информатика һәм робототехника факультетының өсөнсө курсында уҡыусы ҡыҙ Себенле ауылында тыуып үҫкән. Унынсы синыфҡа тиклем туған мәктәбендә белем алған, ә ун беренсе синыфты М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тамамлаған. Апаһы Альмира кеүек, мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Әйткәндәй, Кашаповтар ғаиләһендә өс ҡыҙ ңҫкән. Өлкәндәре – юрист, уртансыһы – бер юлы бер нисә уҡыу йорто студенты, Әлфинә иһә иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса белгес буласаҡ. Башҡортостан гүзәленең ата-әсәһе – йорт хужабикәһе Люциә Биктимер ҡыҙы һәм Себерҙә нефтсе булып эшләүсе Таһир Рәйес улы һәйтеүенсә, Әлфинә бәләкәй сағынан уҡ “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашыу тураһында хыялланған. Ул үҙе лә был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә бына нимәләр яҙа: “Мин бәләкәй саҡтан һылыуҡай тажы тураһында хыялландым... Хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен. Улар миңә лайыҡлы тәрбиә бирҙе, туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләне, халҡыбыҙҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итергә өйрәтте. Бөгөн мин республиканың иң гүзәл ҡыҙы исеменә лайыҡ булдым. Быға әлегә үҙем дә ышанмайым... Был исемгә тап төшөрмәҫкә тырышасаҡмын”. Һылыуҡайҙар боронғо эпос, заманса подиум героинялары, ауыл ҡыҙҙары, стюардессалар образдарына ингән финал тамашаһында ғына түгел, журналистар менән матбуғат конференцияһында ла һынатманы Әлфинә. Фекерләү һәләте, зирәклеге һәм төплө белемле булыуы менән ул “Мисс Пресса” номинацияһында ла билдәләп үтелде. Башҡортостан гүзәле титулы һәм һылыуҡай тажы менән бергә Әлфинә Кашаповаға “Лада Гранта” автомобиле асҡысы ла тапшырылды. Бындай бүләк конкурста тәүге тапҡыр булдырылды. Әйткәндәй, һылыуҡайҙың шофер таныҡлығы бар инде. “Һылыуҡай-2018” финалын сыҡҡан тағы ла ике Әлшәй ҡыҙы - республика инженерлыҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Әҙилә Фәйзуллина (Раевка ауылы) – “Мисс Bashkirian Beauty 2018” номинацияһына, аграр университет студенты Зөһрә Муллағәлина (Ҡармыш ауылы) “Мисс Фэшн” номинацияһына лайыҡ булды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Республикабыҙҙа билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды. Улар «Өлгө ал» республика конкурсында еңеү яуланы. Бәйгелә Башҡортостандың 43 ҡала һәм районынан йәмғиәткә файҙа килтергән, ауылды, ҡаланы йәки районды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән 107 ғаилә ҡатнашты. Барлыҡ ғаилә ағзаларының социаль яҡтан әүҙем булыуы төп шарттарҙың береһе ине. Ғаиләләр өс этапта интернетта тауыш биреү юлы менән, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова етәкселегендәге махсус комиссия тарафынан һайлап алынды. «Бөгөн бөтә ғаиләләр ҙә еңеүсе. Барығыҙ ҙа шундай матур, ижади һәм әүҙем. Һеҙҙең хаҡта фильмдар төшөрөргә, мәҡәләләр яҙырға кәрәк. Булғанығыҙ өсөн рәхмәт», — тине Анна Кузнецова, финалға сыҡҡан ғаиләләргә мөрәжәғәт итеп. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Зәйнетдиновтар ғаиләһенә автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Конкурстың финалына сыҡҡан башҡа ғаиләләрҙең балалары, ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, «Орленок» халыҡ-ара балалар мәғариф үҙәгендә ял итеүгә сертификаттар менән бүләкләнде. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Башинформ» агентлығына ғаиләһенең конкурста еңеүенә өмөтләнеүе, ләкин сәхнәнән иғлан иткәнсе быға ышанмауы хаҡында һөйләне. «Ошондай исемгә лайыҡ булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, ғаиләбеҙ өсөн сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа тауыш бирҙе. Әлбиттә, бында тәү сиратта тормош иптәшем Гөлгөнәнең һәм ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән менән Илүзәнең, улыбыҙ Азаматтың өлөшө ҙур. Беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Үҙебеҙгә һәм башҡаларға халыҡтың мәҙәниәтебеҙҙе хуплауын һәм уның үҫешеүен иҫбатланыҡ. Башҡортостанда йәшәүселәр күрһәткән ошо ҙур ышанысты аҡларға тырышырбыҙ», — тине Зәйнетдиновтар ғаиләһе башлығы. http://www.bashinform.ru/news/1239356-semya-zaynetdinovykh-iz-ufy-priznana-samoy-sotsialno-aktivnoy-v-bashkirii-/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 27 меңгә етеп килә. Һуңғы тәүлектә йәнә 153 кешенең вирусты йоҡтороуы асыҡланды. 257 пациенттың һауығып сығыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә дүрт ауырыу вафат булған. Шулай итеп, вирус ҡорбандарының дөйөм һаны 238-гә етте. Әле стационарҙарҙа - 255 пациент, амбулатор шарттарҙа 5 238 ауырыу дауалана. Республикала киҫкен респиратор вируслы сирҙәр ҙә таралыуын дауам итә. Үткән аҙнала 27 мең кеше ауырыуҙы эләктергән, яртыһынан күбеһе - 17 йәшкә тиклемге балалар. Был - унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. Белгестәрҙең әйтеүенсә, һуңғы эпидемиологик миҙгелдәрҙә вирустың бөтә өс штаммы ла таралыуы күҙәтелә. Республикала эпидемиологик хәлдең киҫкенләшмәүе өсөн бөтә санитария-гигиена ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Битлек режимын һаҡлау әүәлгесә һаҡлана. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡатмарлы эпидемиологик осорҙа йоғошло сирҙәрҙән араларға тырышығыҙ. Фото: BashNews. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Epidemiologik-h-l-nisek-681801/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500 Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан яңы йыл байрамдарында ял көндәре тураһында хәбәр иттеләр. Яңы йыл байрамдарында нисек ял итәбеҙ? Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан яңы йыл байрамдарында ял көндәре тураһында хәбәр иттеләр. «Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһы), 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Раштыуа – байрам көндәре булып тора. 2023 йылда 1 һәм 8 ғинуарҙағы байрам көндәре йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 1 ғинуарҙағы ял көнө 24 февралгә, йомаға, 8 ғинуарҙағы ял иһә 8 майға, дүшәмбегә күсерелде. 2022 йылда 31 декабрь шәмбегә тап килә. Шулай итеп, 2022 йылдың 31 декабре һәм 2023 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуары ял көндәре булып иҫәпләнә», – тиелә ведомство белдереүендә. Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй. Сығанаҡ: “Башинформ”. Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда һут етештереүҙе арттырасаҡтар һәм еләк, алма үҫтергән фермерҙарға ярҙам күрһәтәсәктәр.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Башҡортостанда һут етештереүҙе арттырасаҡтар һәм еләк, алма үҫтергән фермерҙарға ярҙам күрһәтәсәктәр. Был 2026 йылға тиклем ауыл хужалығын үҫтереү буйынса төбәк программаһында ҡаралған. Ведомствонан белдереүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем аграрийҙар интенсив баҡсасылыҡты үҫтереүгә әҙерлек алып барасаҡ. Ауыл хужалығы эскперттары Үзбәкстан, Краснодар крайы һәм Ҡырым тәжрибәһен иҫәпкә алған. Баҡсаларҙы әҙерләү былтыр уҡ башланған. "Беҙ баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә теләгән бәләкәй хужалыҡтарға, иҡтисад субъекттарына да субсидиялар тәҡдим итәбеҙ. Бер гектарға 500 мең һум килеп сыға. Ерҙе әҙерләү, уңышты һаҡлау һәм логистика системаһын индергәндәр ҙә ярҙам аласаҡ", – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Әлегә республикала баҡсасылыҡ, емеш культуралары менән эшләү кеүек тармаҡтарҙа программалар тейешле кимәлдә үтәлмәй. Был өлкәләр 2021 – 2026 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыласаҡ, төбәк Хөкүмәте тарафынан раҫланған “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы тауарҙарын, сеймалын, һатыу баҙарын көйләү” дәүләт программаһына ярашлы ярҙам аласаҡ. Унда алты төрлө йүнәлеште хәстәрләү ҡаралған. Фото: zen.yandex.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм энергияны һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системалары халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә. Ойошмала тышҡы аудит үткәргән эксперттар ошондай һөҙөмтәгә килгән. Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан. Башҡортостандан тыш, етештереү объекттары күрше төбәктәрҙә лә эшләй. Быйыл аудит ойошманың Силәбе өлкәһендәге объекттарында үтәрелгән. “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм энергияны һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системалары халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә. Ойошмала тышҡы аудит үткәргән эксперттар ошондай һөҙөмтәгә килгән. Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан. Башҡортостандан тыш, етештереү объекттары күрше төбәктәрҙә лә эшләй. Быйыл аудит ойошманың Силәбе өлкәһендәге объекттарында үтәрелгән. “Киң, системалы һәм планға ярашлы” – аудиторҙар ойошмала хеҙмәтте һаҡлау буйынса алып барылған эшмәкәрлеккә ошондай баһа биргән. Әлбәттә, бойомға ашырылған саралар юғары һөҙөмтәлелек күрһәтә. Эксперттар “Транснефть-Урал”ҙың энергоменеджмент өлкәһендә яғыулыҡ-энергетика ресурстарын ҡулланыуҙа маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәрҙе үтәүен раҫлаған. Шул уҡ вакытта энергияны ҡулланыу күрһәткесе тәү сиратта нефть һәм нефть продукттарын ебәреү-перекачканың иң оптималь режимдарын һайлап алыу һөҙөмтәһендә түбәнәя. “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау буйынса сараларҙы ла уңышлы тормошҡа ашыра. Аныҡлап әйткәндә, эшмәкәрлек алып барылған төбәктәрҙә даими нигеҙҙә һыулыҡтарҙың биологик ресурстарын яңыртыу эштәре башҡарыла. Эксперттар ойошманың менеджмент системаһының һөҙөмтәлелеген һәм экологик менеджмент системаһының ғәмәлдәге ISO 14001:2015 стандартына тура килеүен раҫланы. Улар шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау идаралығы һәм энергоменеджмент системаларының яңы ISO 15001:2018 һәм ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттары талаптарына тура килүе тураһында сертификаттар тапшыру хаҡында ҡарарны тапшырҙы. Бынан тыш, аудиторҙар “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте һәм уның Силәбе филиалының аудитта ҡатнашҡан идаралыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәренең юғары һөнәри оҫталығын һәм яңы стандарттарға күсеү буйынса документацияне формалаштыруның юғары сифатын билдәләне. Яңы ISO 15001:2018 һәм ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттарын ғәмәлгә индереүгә бәйле Яңы стандарттарға күсеү буйынса саралар планын үтәү, шул иҫәптән эске аудиторҙарҙы уҡытыу, аудиттарҙы планлаштырыу һәм үткәреү, ойошма етәкселеге тарафынан уларҙың һөҙөмтәләрен анализлауға ҙур иғтибар бүленде. Шулай уҡ персоналды интервьюлаштырыу ҙа актив алып барылды. Менеджмент системалары яңы “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте дөйөм идаралыҡ системаһының бер айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Уларҙың эшмәкәрлеге һәм халыҡ-ара стандарттар талаптарына тура килеүе йыл дауамында эске аудиттар сиктәрендә контрольдә тотола. Уларҙың һөҙөмтәләрен акционерҙар йәмғиәтенең Координация советы баһалай. Автор: Рамиль Мансуров Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған. Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған. Төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла. Коронавирус эпидемияһы осоронда #МыВместе үҙ-ара ярҙам күрһәтеү акцияһы илдең халыҡҡа ярҙам күрһәтергә теләгән граждандарын берләштерә. БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм үҙаллы изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырған. Улар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтәсәк, психологик хәстәрлек тә күҙаллана. Ирекмән медиктарҙың төбәк коородинаторы – Ләйсән Хызырова, телефоны 8 (927) 636-34-88. Әгәр һеҙ эргә-тирәгеҙҙә ярҙамға мохтаж кешеләр барлығын белһәгеҙ, 8-800-200-34-11 телефоны буйынса шылтыратып, хәбәр итергә була. Оператор проблеманы тыңлағандан һуң, мөрәжәғәтте профессиональ ярҙам күрһәтеү өсөн ирекмәндәргә йүнәлтәсәк. Унан тыш «ОНФ.Помощь» тигән мобиль ҡушымтаны ҡулланырға була, унда ла ғариза ҡалдырырға мөмкин. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Өфөлә ЮХХДИ-ның ике хеҙмәткәренең ришүәт алыу осрағы буйынса хөкөм ҡарары сығарылды, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ришүәт алған Судта асыҡлауҙарынса, 2020 йылдың октябрендә ғәйепләнеүселәр рейд барышында Kia Rio маркалы автомобилде туҡтата һәм уның водителенең иҫерек булыуын асыҡлай. Протокол төҙөгәндә инспекторҙар дәлилдәрҙе үҙгәртеп, автоһәүәҫкәрҙең айыҡ булыуы хаҡында яҙа. Бынан тыш, улар иҫерек килеш машина йөрөткән, ҡыҙыл утҡа сыҡҡан һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан өсөн водителдәрҙән ришүәт алған өсөн ғәйепле тип танылды. Ришүәт суммаһы 1–30 мең һум тәшкил иткән. Улар бөтәһе 71 мең һум аҡса алған. Хөкөм ителеүселәр үҙ ғәйебен өлөшләтә таныны. Өфөнөң Совет районы суды – 5 һәм 7 йылға эске эштәр органдарында вазифалар биләү хоҡуғынан мәхрүм итеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 8 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы.
2020 йылда “Артефакт” платформаһына 78 яңы күргәҙмә ҡуйылған. Унда мөһим тарихи экспонаттар һәм сәнғәт әҫәрҙәре күрһәтелгән. Рәсәйҙең 48 төбәгендәге өс меңдән ашыу музей экспонаты тасуирламаһы буйынса ҙур эштәр һөҙөмтәһе ул.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан 2020 йылда “Артефакт” платформаһына 78 яңы күргәҙмә ҡуйылған. Унда мөһим тарихи экспонаттар һәм сәнғәт әҫәрҙәре күрһәтелгән. Рәсәйҙең 48 төбәгендәге өс меңдән ашыу музей экспонаты тасуирламаһы буйынса ҙур эштәр һөҙөмтәһе ул. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Был эштәр “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған. БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, платформала күрһәтелгән коллекциялар араһында Башҡортостандың музейҙары экспозициялары һәм күргәҙмә проекттары буйынса мультимедиа-гидтар ҙа бар. Туймазы районы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – “Этнография залы”, Дүртөйлө районы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – “Дүртөйлө төбәгенең тәбиғәте һәм тарихы”, Бәләбәй районы Надеждино ауылы Аксаковтар ғаиләһе музейы – “Аксаковтар ғаиләһе музейының ҙур ҡунаҡ бүлмәһе” тәҡдим иткән, “Башҡортостан Республикаһы милли музейы экспозициялары” бар. 2019 йылда Башҡортостан республика Хәрби Дан музейы һәм М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы ла ошо эште башҡарғайны. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Мәғлүмәт һәм һанлы үҫеш департаменты директоры Вадим Ваньков мәҙәниәт ойошмаларына “Мәҙәниәт” милли проектында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Платформала һирәк осрай торған музей экспонаттары: көнкүреш әйберҙәре, раритет ҡорал, коллекцион китаптар, археологик ҡаҙылмалар һәм билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин. Зәргәр сәнғәте оҫталары, халыҡ промыслалары традицияларын һаҡлаусылар тураһында ла белергә була. Биографик күргәҙмә проекттары билдәле мәҙәниәт, тарих, сәнғәт әһелдәре тураһында һөйләй. Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Һауа торошо Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡуҙғытыуын дауам итә. «Гисметео» порталының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 20 градус һыуыҡтан һуң республикала ҡапыл йылыта. Синоптиктар белдереүенсә, йәкшәмбе, 24 ғинуарҙа, көндөҙ 0 градус була, ә төндә -12 градустан түбәнәймәй. Киләһе аҙнала Өфөлә йылы булыуы көтөлә. Татьяна көнөндә 0-дән +2 градусҡа тиклем йылыта. Шул уҡ ваҡытта республиканың баш ҡалаһында бер аҙ һәм ямғыр яуыуы ихтимал. https://www.bashinform.ru/bash/1548373/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Бигерәк тә һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар быға мохтаж. Беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙең нисек йәшәүе тураһында күп ваҡыт уйлап та бөтөрмәйбеҙ. Уларҙың күбеһе аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡ һатып алыуға бәйле ауырлыҡтар кисерә. Әммә ғаилә ниндәй генә булмаһын – ярлымы ул, баймы, балалар һәр ваҡыт байрамды көтөп ала һәм мөғжизәгә ышана. Ҡәҙерле әлшәйҙәр! БР Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Әлшәй районындағы “Ғаилә” хеҙмәте 20 ноябрҙән 27 декабргә тиклем “Яңы йыл мөғжизәһе бүләк ит!” акцияһы үткәрә. Уның барышында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә яңы йыл бүләктәре, шулай уҡ тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, тәм-том, уйынсыҡтар, балалар өсөн саналар, коляскалар, ҡышҡы өҫ һәм аяҡ кейемдәре бүләк итә алаһығыҙ. Акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала! Изге күңелле кешеләрҙе Раевка ауылы, Юбилей урамы, 23 а адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ. Белешмәләр өсөн тел. 2-15-62. фото/яндекс Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Республика Башлығының 15 июндәге указына ярашлы, 29 июндән "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге аквапарк эшләй башлай, тиелгән. Унда Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талаптары буйынса өҫтәмә санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре индерелгән. Шулай уҡ аквапаркта бер үк ваҡытта булыусылар һаны ла сикләнгән. Шуға күрә алдан сайт аша билет алырға тәҡдим ителә. Эш көндәрендә - 12-нән киске 10-ға тиклем, ял көндәрендә иртәнге 10-дән киске 10-ға тиклем эшләй. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының конкурс комиссияһы 2020 йылда федераль бюджеттан субсидия рәүешендә грант аласаҡ һөнәри белем биреү ойошмаларын һайлап алды. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының конкурс комиссияһы 2020 йылда федераль бюджеттан субсидия рәүешендә грант аласаҡ һөнәри белем биреү ойошмаларын һайлап алды. Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостандан бер түгел өс уҡыу йорто – Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы, Туймазы дәүләт юридик колледжы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бар. Был матди ярҙам “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бирелә һәм уҡыу йорттарының матди-техник базаһын заманса талаптарға ярашлы итеү өсөн йүнәлтелә. Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – “Социаль мөхит”, ә Туймазы дәүләт юридик колледжы “Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары” лотында еңеүсе тип табылған. Әлеге гранттар уҡыу йорттарында заманса уҡытыу шарттары булдырыуға, белем биреүҙең сифатын күтәреүгә, матди-техник базаны нығытыуға ҙур мөмкинлек асасаҡ. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Беҙгә 35 илдән 1,5 меңгә яҡын йәш спортсы килде. 12 – 15 йәшлек үҫмер балалар еңел атлетика, йөҙөү, футбол, фехтование, пляж волейболы, баскетбол 3x3, дзюдо, грек-рим көрәше һәм ҡаяға менеү спорт төрҙәре буйынса ярышасаҡ. Балалар ярышына килгәндә, ул 1968 йылдан алып уҙғарыла. Беҙҙә иһә, СССР заманынан һуң (1990 йылда Ужгород ҡалаһында уҙа), беренсе тапҡыр уҙғарыла. Ярыштар Өфөнөң төрлө спорт майҙанында үтәсәк. http://www.ye02.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл республикала Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан ителде, ул үлемде кәметеүгә, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән. Республика етәксеһе белдереүенсә, вице-премьер үҙенең шул тиклем мөһим темаға докладында республикала үлемде кәметеү буйынса аныҡ саралар тәҡдим итмәгән. «Маҡсат күрһәтелергә тейеш – үлемде кәметеү. Һеҙҙең докладта был хаҡта бер һүҙ ҙә күрмәнем», — тип билдәләне ул. Хәбиров һүҙҙәренсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән ентеклерәк эшләргә һәм уларҙың һәр береһе буйынса күрһәткестәрҙе кәметеү буйынса план төҙөргә кәрәк. https://www.bashinform.ru/news/1558787-radiy-khabirov-poruchil-bolee-detalno-razrabotat-plan-goda-zdorovya-i-aktivnogo-dolgoletiya/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Теги: һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Дәүләкән ҡалаһында 130 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк. Ул, “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы, республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә. Барлыҡ заманса талаптарға яуап биргән яңы балалар баҡсаһы Дәүләкән ҡалаһының Көнбайыш урамы, 34 адресы буйынса сафҡа инә. Объекттың заказсыһы – төбәк Капиталь төҙөлөш идаралығы. Әйтергә кәрәк, башлыса шәхси йорттарҙан торған биҫтә халҡы был баҡсаны күптән көтә. Бында башлыса бәләкәй балалары булған йәш ғаиләләр йәшәй, иң яҡын баҡсаға тиклем байтаҡ ара үтергә тура килә. Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2021 йылдың аҙағында - 2022 йылдың башында асыласаҡ, тип күҙаллана. Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, төҙөлөштө башлап ебәргәнгә тиклем ярайһы уҡ күп ваҡытты алған әҙерлек эштәре башҡарылған: проект-смета документацияһы тупланған, дәүләт экспертизаһы үткәрелгән һәм иң мөһиме – Республика адреслы инвестиция программаһына инеүгә өлгәшелгән. Автор: Гөлдәр Яҡшығолова Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Кисә, 16 сентябрь, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән ижади осрашыу үтте. Әҙиптең юбилейына арналған был сарала әҙәбиәтселәр, яҙыусылар, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар ҡатнашты. Саҡырылған ҡунаҡтар билдәләүенсә, шағир күптәр өсөн өлгө, остаз һәм аҡһаҡал булып ҡына ҡалмай, уның ижадында тулы фәлсәфә ята, әҫәрҙәре эстәлеге менән уҡыусыларҙы уйландыра ла, шатландыра ла белә. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары Ҡ. Аралбайҙың шиғырҙары менән сығыш яһаһа, Венер Йылҡыбаев етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле халыҡ көйҙәрен башҡарҙы ә шағир үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ҡунаҡтар өсөн шағирҙың 80 йәшлек юбилейына ҡарата виртуаль күргәҙмә булдырылды. "Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге" фондынан китап күргәҙмәһе эшләне. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте тарафынан Ҡәҙим Әбделғәлим улының йыйынтыҡтарын һатыу күргәҙмәһе ойошторолдо. Сараны шағирҙың ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге йәштәр, ТЮРКСОЙ Халыҡ-ара премиялар лауреаты Ләйлә Аралбаева алып барҙы. 17.09.2021 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: шәфҡәт туташы булып эшләгән ике ҡатын коронавирус инфекциялы пациент менән аралашҡаны өсөн моргта бикләнеп ултырғайны... 20 июлдә ике хеҙмәткәрен моргҡа бикләгән Архангел үҙәк дауаханаһының баш табибибәһе эштән китеүе хаҡында ғариза яҙған. Был хаҡта “Медиокорсеть” баҫмаһы, үҙ сығанағына таянып, хәбәр иткән. “Бөгөн баш табибә китте, коллектив менән осрашып торманы. Уны начмед, баш шәфҡәт туташы һәм кадрҙр бүлеге хеҙмәткәре оҙатырға сыҡты. Ә беҙ тәҙрәнән күҙәттек. Уларҙың ярайһы тулҡынландырғыс ҡына хушлашыуыы булды был”, – тигән ул. Фото: социаль селтәрҙән. Автор: Айһылыу Низамова https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ike-sh-f-t-tutashin-bikl-g-n-bash-tabib-g-nim-bul-an-374912/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
31 декабрҙә республиканың барлыҡ почта бүлексәләре билдәләнгән графикка ярашлы эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығынан. 31 декабрҙә республиканың барлыҡ почта бүлексәләре билдәләнгән графикка ярашлы эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығынан. «2020 йылдың 1,2 һәм 7 ғинуары республиканың почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял булып тора. Был көндәрҙә гәзит-журналдар таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай, — тип белдерҙе Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй». Шул уҡ ваҡытта пенсияларҙы һәм пособиеларҙы, почта аша ебәрелгән әйберҙәрҙе, гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратыу өсөн ауылда ҡайһы бер почта бүлексәләренә икенсе эш режимы булдырылыуы мөмкин. Байрам көндәрендә пенсиялар һәм пособиелар Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешеүенә ярашлы таратыла. http://www.bashinform.ru/news/1395885-kak-v-bashkirii-budut-rabotat-pochtovye-otdeleniya-v-novogodnie-kanikuly-grafik-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Әнүр – Мораҡ ауылы егете. Уларҙың татыу һәмэшһөйәр ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрбәләкәстән үҙаллылыҡҡа, эшкә өйрәнеп, артабан булдыҡлылығы, кеселеклелеге,ябайлығы менән был тормошта айырылып тороусандар. Мәҡәләбеҙҙең геройы - 2017 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлегендә оператив дежурный ярҙамсыһы булып хеҙмәт итеүсе Әнүр Баймырҙин. Әнүр – Мораҡ ауылы егете. Уларҙың татыу һәм эшһөйәр ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр бәләкәстән үҙаллылыҡҡа, эшкә өйрәнеп, артабан булдыҡлылығы, кеселеклелеге, ябайлығы менән был тормошта айырылып тороусандар. Әнүр Әмир улы ла тап шундай. Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) педагогия-психология бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, үҙен ысын ир-егеттәр һөнәрендә һынап ҡарау һәм матди яҡтан нығыныу теләге менән Себер тарафтарында быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй. Ә хәрби комиссариаттан ҡулына повестка алғас, 2015 йылда ҙур теләк менән әрме сафына баҫа. Тәүҙә ракета ғәскәрҙәренә эләгә. Хабаровск өлкәһендә бер ай “учебка” үткәс, хеҙмәтен Краснореченск янында урынлашҡан хәрби частың радиация, химик һәм биологик һаҡ подразделениеһында дауам итә. Һалдат тормошон белгәндәр яҡшы аңлай: бында хеҙмәт итеүе еңелдән түгел. Отделение командиры булараҡ, хеҙмәттәштәрем өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тойҙом, - тип кисәге һалдат хеҙмәтенең әһәмиәтен аңлатты, әрме сафын иҫкә алып үтте. – Армия мине күпкә өйрәтте. Һалҡын ҡорал менән ҡулланырға, коллективта үҙеңде нисек тоторға, дуҫтарҙың, туғандарҙың ҡәҙерен белергә... Иң мөһиме – психологик һәм физик яҡтан сыныҡтырҙы. Нәҡ армияла алған күп яҡлы тәжрибә хәҙер полиция сафында миңә тик файҙаға ғына. Эйе, район эске эштәр бүлегендә йөкмәгән вазифаһы ла егеттән кеше менән дөрөҫ мөғәмәлә итеүҙе, психик һәм физик яҡтан ныҡлыҡты талап итә. Беҙҙең өсөн ябай күренгән хеҙмәт артында күпме йоҡоһоҙ һәм тынғыһыҙ төндәр, төрлө ҡатлам кешеләренән мөрәжәғәттәр ҡабул итеү, аралашыу, етәкселегеңә “отчет” биреү, етди һөйләшеүҙәр... Юғарынан тикшереү килеп төшкәндә лә иң тәүҙә дежур бүлектә ултырғандарҙың нисек баштарынан “һыйпағандарын” зәңгәр экрандарҙан ҡарап, күреп-белеп тә торабыҙ. Тик армия сафында ауырлыҡтарға өйрәнгән, киң күңелле, тормошҡа һәм тирә-яҡҡа яҡты ҡарашлы, коллегаларын һәм етәкселәрен ысынлап хөрмәт иткән Баймырҙин эшенең ҡыйынлығына һис зарланмай, киреһенсә: “Эшем оҡшай, полиция хеҙмәте – абруйлы, яуаплы, тынғыһыҙ, әммә мауыҡтырғыс”, - ти (был һөнәргә ихтирам егеткә атаһынан да бирелгән, Әмир ағайҙы тирә-яҡта эске эштәр бүлегендә оҙаҡ йылдар эшләүсе һәләтле водитель булараҡ яҡшы беләләр). Өҫтәүенә, егеттең үҙенең ғаиләһе Стәрлебашта булғанға күрә, уға йөрөп эшләргә тура килә, кәләше Эльнараға һәм һөйөклө ике сабыйына тейешенсә иғтибар бүлергә кәрәк. Ғаиләһенең именлеген, матди яғын ҡайғыртыусы хәстәрлекле ир һәм атай ҙа ул, Мораҡта йәшәүсе ата-әсәһенең һөйөклө улы, кескәй туғандарына йөрәк йылыһын бүлергә өлгөрөүсе өлгөлө ағай ҙа. Ни һөйләһәң дә, Әнүр Баймырҙин кеүек тормош ауырлығынан ҡурҡмаған илһөйәр һәм эшһөйәр, алсаҡ йөҙө һәм донъяға киң ҡарашы менән күңелде арбаусы дәртле йәштәребеҙ бар әле арабыҙҙа, тимәк, йәмғиәтебеҙҙә бөтәһе лә юғалтылмаған, яҡты һәм имен киләсәгебеҙгә ҙур ышаныс менән өмөт бағларға ла була! Гөлшат ВӘЛИЕВА. Автор фотоһы. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
7 көн дауамында «Родина» ла рус һәм башҡорт телдәрендә төшөрөлгән «Өс таған» мажаралы фильмдары, "Йыл ғаиләһе" комедияһы күрһәтеләсәк «Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк «Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк. Ҡыштың тәүге көнөндә, 1 декабрҙә, «Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмы күрһәтелә башлай. Шулай уҡ 7 көн дауамында «Родина» ла рус һәм башҡорт телдәрендә төшөрөлгән «Өс таған» мажаралы фильмдарын, «Йыл ғаиләһе " комедияһын күрһәтәләр. Пушкин картаһы буйынса билет алыу мөмкинлеге бар. «Беҙ барыһын да «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Асҡарфильм»компанияһы төшөргән киноға фильмдар аҙналығына саҡырабыҙ. «Буран» драмаһы хужа менән килешеү буйынса прокатта ни бары бер аҙна буласаҡ. Һәр фильмдан һуң ижади осрашыуҙар планлаштырабыҙ, уларҙа шәхсән үҙем ҡатнашасаҡбыҙ, шулай уҡ ижади коллективтар саҡырылған. Яратҡан тамашасы менән “һорау-яуап" форматында аралашырға, тәьҫораттар менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Һәммәһен дә көтәбеҙ», - тип билдәләне режиссер Айнур Асҡаров. «Буран» драмаһы Свердловск киностудияһында төшөрөлгән һәм режиссерҙың тыуған төйәгендә — Башҡортостандың Хәйбулла районында 2016 йылдың ҡышында булған реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Фильм 2021 йылда прокатҡа сыҡты, ләкин Өфөлә күпләп күрһәтеү булманы. Сценарийҙы Ай Аҡманов Айнур Асҡаров һәм Рада Демент менән берлектә яҙған. Төп ролдәрҙә: Александр Головин, Маша Лобанова, Ангелина Поплавская, Михаил Сафронов, Наталья кузнецова, Иннокентий Луковцев, Михаил Черноморец, Александр Ткачук, Владислав Сахнов, Владимир Мантуров. 2020 йылда “Буран” Сямэнь ҡалаһында “Алтын әтәс” Ҡытай кинопремияһының Рәсәй киноһы секцияһында асыш фильмы булды. Фильмдың төп геройы –хоккей клубы йондоҙо Максим Ковалев, һәләк булған миллиардерҙың һәм команда хужаһының улы, хис-тойғоларын тотоп өйрәнмәгән. Хоккей матчында ла, мөһим уйынға илткән юлда ла гаишник уны тотҡарлай һәм ул бөтә «ҡағиҙәләр буйынса» рәсмиләштерергә теләй... Ябай конфликт уның өсөн ҡот осҡос хәлгә әйләнә, ул уның тормошон тамырынан үҙгәртә. «Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк Автор:Рузилә Иҫәнбаева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Районыбыҙ территорияһында эшләп килгән Приуралье тимер юл станцияһы коллективы, замана шауҡымына ҡарамай, әүәлгесә тырышып, дәртләнеп эшләй. Ҡайһы заманды ғына алһаң да, тимер юлы иң уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорт төрө булып ҡала. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫеше лә тимер юлдарҙың тотороҡло эшләүенә тығыҙ бәйләнгән. Ҡорос магистралдәр хәҙерге шарттарҙа ла транспорттың киң ҡулланылған һәм арзан төрҙәренең береһе булып ҡала. Иң күп йөк ташыу әйләнеше ошо транспортҡа тура килһә, пассажирҙар йөрөтөү автомобиль транспортынан ғына ҡалыша. Тимер юл транспортының тотороҡло эшләүе беҙҙең республика өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Тимер юл хеҙмәте менән Башҡортостан халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтары ла файҙалана. Районыбыҙ территорияһында эшләп килгән Приуралье тимер юл станцияһы коллективы, замана шауҡымына ҡарамай, әүәлгесә тырышып, дәртләнеп эшләй. Был станцияның начальнигы, ошо өлкәгә 28 йыл ғүмерен бағышлаған гүзәл ханым, Дилара Сөләймәнова. Ул сығышы менән Ғафури районынан. Ата-әсәһе Ҡарламанға күсеп килгәндән һуң, урындағы мәктәптә 1-се класҡа уҡырға бара. Белем алған йылдарында тимер юлы станцияһына экскурсияға йөрөйҙәр һәм ҡыҙға пультҡа баҫыу, сигналдарҙы асып, поездарҙы үткәреү оҡшай. Өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, күп уйлап тормай, Өфө тимер юлы техникумына уҡырға инә. Артабан 1992 йылда Равтау станцияһы буйынса дежурный булып хеҙмәт юлын башлай. Эшенә яуаплы ҡараған белгесте иғтибар үҙәгенә алалар: 26 йәшендә ул начальник итеп тәғәйенләнә. Һуңғы 11 йылда Приуралье станцияһында начальник бурысын атҡара. Хеҙмәт дәүерендә байтаҡ йәш белгестәргә һөнәр нескәлектәрен өйрәткән — Дилара Ғәфүр ҡыҙы иң яҡшы наставниктарҙан һанала. Уның ҡулында практика үтеүселәр хәҙер тимер юлы селтәренең төрлө мөйөштәрендә эшләй. Тимер юлсыларҙың эше яуаплы ла, ауыр ҙа булыуы һәр кемгә билдәле. Шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәргә тырышабыҙ. Тәү сиратта был, әлбиттә, пассажир һәм йөк ташыу поездарының хәүефһеҙ һәм тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәтен тәьмин итеү. Икенсенән, дөйөм һәм дөйөм булмаған ҡулланылыштағы поездарҙы юлға ҡуйыу һәм таҙартыу буйынса производство-маневр эштәрен уҙғарыу. Шуға күрә беҙҙең тимер юл станцияһында төрлө һөнәр эйәләре: юлсы, электрик, механик, энергетик, элемтәсе, юл монтерҙары кеүектәр бар. Билеттарҙы вагонда ҡулаҡсаға ла, карта менән дә, почтала йәки Интернет аша бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ алырға мөмкин. Форсаттан файҙаланып, пассажирҙарға уңайлы ла, осһоҙ ҙа тимер юл транспорты барлығын онотмауҙарын, уның менән йышыраҡ файҙаланыуҙарын теләйем. Ә инде коллективты һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эштәрендә ҙур уңыштар теләйем, — тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы етәксе. Эйе, тимер юлсы тигән яуаплы һәм хәүефле һөнәр артында бѳтә коллективтың намыҫлы хеҙмәте ята. Тимер юлында тотҡарлыҡтар, өҙөклөктәр, авариялар булмаһын өсөн һәр хеҙмәткәр бар көсөн, тырышлығын һалып эшләй. Уйлап ҡараһаң, сәфәребеҙҙең уңышлы үтеүе ниндәйҙер кимәлдә ябай ғына тойолған билет кассирының эшенән дә тора. Уларҙың һѳнәри оҫталығы, шулай уҡ мөнәсәбәте беҙҙе юл буйы оҙатып йөрөйәсәк. Һөнәри байрамдары уңайынан тимер юлсыларға ауыр һәм тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Рәғиҙә Ғиззәтуллина. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
24 – 28 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтә.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан 24 – 28 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан Эшҡыуарҙарҙы мауыҡтырғыс һәм файҙалы программа көтә. Көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә, эшҡыуарҙарға практик ярҙам булырлыҡ саралар уҙғарыла. “Ментор ҡунаҡханаһы” нетворкинг-сессияһында тәжрибәле эшҡыуарҙар һәм өлкәләге эксперттар бизнеста уңышҡа ирешеү өсөн мөһим булған нәмәләр хаҡында һөйләне, тәжрибә, белем уртаҡлашты, серҙәрен бүлеште, тип белдерә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Башҡортостан эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе Алексей Щербацкий, 30 йыл йыйылған тәжрибәһенән сығып, төрлө тарихтар һөйләне. Бизнесҡа тотонор алдынан барыһын да иҫәпләргә, ял һәм байрамһыҙ эшләргә әҙер булырға кәңәш итте. “Эшҡыуарлыҡта иң мөһиме – һанай белеү һәм ең һыҙғанып эшләү”, – тине ул. Эксперттар буласаҡ бизнесмендарға заман менән бергә атларға, күңелгә яҡын эш менән шөғөлләнергә кәңәш итте, проект һайларға өйрәтте. “Ментор ҡунаҡханаһы” нетворкинг-сессияһы мәғлүмәткә бай, ҡыҙыҡ һм файҙалы булды. Ҡыҙыҡһыныусылар уның видео яҙмаһын ошо һылтанма буйынса ҡарай ала: https://www.youtube.com/watch?v=YQMk7q3L6QQ&t=5255s. Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
8 сентябрҙә Башҡортостанда төп сәйәси ваҡиға – Республика Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, тағы ниндәй һайлауҙар үтәсәк, ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтөлә. Ошо хаҡта Салауат районы Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Нелли РӘХМӘТУЛЛИНА һөйләй. 8 сентябрҙә Башҡортостанда төп сәйәси ваҡиға – Республика Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, тағы ниндәй һайлауҙар үтәсәк, ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтөлә. Ошо хаҡта Салауат районы Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Нелли РӘХМӘТУЛЛИНА һөйләй. – Нелли Наил ҡыҙы, 8 сентябрҙә беҙҙең районда ниндәй һайлауҙар көтөлә? – Быйыл Салауат районында бер нисә һайлауҙар үтәсәк. Улар – Башҡортостан Республикаһы Башлығы, район ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һәм дүртенсе саҡырылыш БР Салауат районы МР Советының 2-се бер мандатлы һайлау округы депутатына өҫтәмә һайлауҙар. Һайлауҙарға әҙерлек йыл башынан уҡ бара. Һайлау участкаларының сиктәрен аныҡлау, уларҙың һанын оптималләштереү, комиссияларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү, тауыш биреү биналарын әҙерләү эштәре башҡарылды. 44 участка һайлау комис­сияһы эшләйәсәк, 20 475 һайлаусы ҡатнашасаҡ. – Урындағы Советтарға депутаттар һайлау тураһында ла һөйләп үтегеҙ. – Мөрсәлим ауыл биләмәһенән башҡа, әлеге депутаттарҙың вәкәләттәренең срогы сығыуы менән бәйле, бар ауыл советтарында ла урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау үтәсәк. 2019 йылдың 12 июленә тиклем урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттарҙан документтар ҡабул итәбеҙ. Территориаль һайлау комиссия 10.00 сәғәттән алып 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Ял ваҡыты – 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем. Территориаль һайлау комиссияһы сайтында бер мандатлы һайлау округтарының ентекле схемаһы ҡуйылған. Барлығы 147 депутат һайланасаҡ. Бынан тыш, дүртенсе саҡырылыш БР Салауат районы МР Советына бер мандатлы 2-се һайлау округы (Арҡауыл һәм Күҫәләр ауылдары) депутатын һайлау буйынса өҫтәмә һайлауҙар тәғәйенләнгән. – Буласаҡ һайлауҙарҙа ниндәй яңылыҡтар көтөлә? – Беренсенән, тауыш биреү ваҡыты 2 сәғәткә арттырылды. Яңы законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тауыш биреү иртәнге 7-нән алып 21 сәғәткә тиклем үтәсәк. Икенсенән, элек көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттар йәшәү буйынса, йә уҡыған ерендә һайлай алһа, яңы закон буйынса, студенттар өсөн “мобиль һайлаусы” ғына эшләй. Тимәк, уҡыу ере буйынса ғына һайлай ала. Өсөнсөнән, ауыл биләмәләре һайлауҙарына ҡағылышлы үҙгәрештәр. БР Һайлауҙар тураһында Кодексының 58-се статьяһына ярашлы, һайлау фондтарын булдырыу тәртибен регламентлай. Ауыл биләмәләренең урындағы үҙидаралыҡ органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар махсус һайлау иҫәбе асмайынса һайлау фондын аса ала, әгәр кандидаттың һайлау кампанияһын финанслауға сығымдары 15 мең һумдан ашмаһа. Элекке закон буйынса 5 мең һумдан артыҡ булмаһа. – Һайлаусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр? – Беҙ һайлаусыларҙы әүҙем булырға саҡырабыҙ, үҙегеҙҙең гражданлыҡ мөнәсәбәтегеҙҙе белдерегеҙ, һеҙҙең һайлауҙан республикабыҙ һәм район киләсәге билдәләнә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Һуңғы йылдарҙа ҡаҡҡа “мода” әйләнеп ҡайтты. Ниндәй генә емеш-еләктән әҙерләмәйҙәр уны. Ҡаҡ өсөн ҡайын еләге, ер еләге, ҡарағат, балан, алма, слива алырға мөмкин. Ҡаҡты әҙерләү өсөн еләкте йәки емеште ике тапҡыр ит турағыстан үткәреп, иҙмә әҙерләйҙәр. Иҙмәне эре иләктән үткәрәләр. Күптәр шәкәр өҫтәмәй, емеш әсерәк булһа, саҡ ҡына ҡушырға ла ярай. Алдан өҫтөн майлап әҙерләп ҡуйған таҡталарға, батмустарға йоҡа ғына итеп иҙмәне йәйеп һалалар. Ҡояш төшмәгән, әммә еләҫ ерҙә киптерәләр. Әҙер ҡаҡ ҡоро булырға, тик һынып торорға тейеш түгел. Йәймәне торба һымаҡ итеп төрөп һаҡлайҙар. Сливанан эшләнгән ҡаҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ. Бер кг слива, ярты стакан һыу һәм шәкәр кәрәк. Барыһы ла үҙ самаң менән эшләнә. Шәкәрҙе артыҡ күп һалмағыҙ, ризыҡ файҙалыраҡ килеп сығыр. Йыуылған, төшө алынған сливаны кәстрүлгә һалабыҙ ҙа, һыу өҫтәп, утҡа ҡуябыҙ. Сливаның “һулып” төшөүен күреү менән, уттан алығыҙ һәм шәкәр өҫтәгеҙ. Шәкәрҙе эҫе массаға һалырға кәрәк, шул саҡта ул тулыһынса иреп бөтәсәк. Һыуынғас, иләк аша үткәрәбеҙ, пюре килеп сығырға тейеш. Батмус йәки противень алып, уны үҫемлек майы менән майлайбыҙ ҙа массаны тигеҙ генә итеп йәйәбеҙ. Уны бер нисә көн ҡояшта киптереп алабыҙ. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
«Таҙа һауа» федераль проекты буйынса Рәсәй Федерацияһының сәнәғәтле ҡалаларында бысраҡ һауаны таҙартыу буйынса эш алып барыла ине. Ә хәҙер... Илебеҙҙә килеп тыуған ауыр хәл айҡанлы, был проектты финанслау 15 миллиардҡа тиклем кәметеләсәк. «Таҙа һауа» федераль проекты «Экология» милли проектына инә. Быға тиклем ҡуйылған маҡсат өсөн 2024 йылға тиклем 500 миллиардтан ашыу аҡса һалынғайны. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Ауыл кешеһенә малсылыҡта ла, игенселектә лә ямғыр ҙа,ҡар ҙа ҡамасау. Шуға ҡарамаҫтан ауыл хеҙмәтсәндәре тәбиғәт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарырға өйрәнгән. Ауыл кешеһенә малсылыҡта ла, игенселектә лә ямғыр ҙа,ҡар ҙа ҡамасау. Шуға ҡарамаҫтан ауыл хеҙмәтсәндәре тәбиғәт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарырға өйрәнгән. «Искра» ауыл хужалығы эшсәндәре, быйылғы ураҡ эштәрен ваҡытында юғалтмайынса атҡарып сығыу бурысы менән йәшәй. Хужалыҡта эштәр һуңғы гектарҙарҙа ҡалды. Ауыл хужалығына бағышланған байрамды хужалыҡ ағзалары эшлекле кәйеф менән ҡаршылай һәм бер юлы, алға яңы бурыстар ҙа ҡуя. Хужалығыбыҙҙың ҡаҙаныштарында һәр кемдең өлөшө бар. Шундай эшһөйәр ир-уҙаманыбыҙ Әҡсән Миңләхмәт улы Хәйбуллин. Ул тыумышы менән Ҡотлоюл ауылынан. Мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Күмертауҙағы ДОСААФ автомәктәбендә алты ай уҡый. Совет Армияһына алынғас, ил алдындағы бурысын Германия Демократик Республикаһында үтәй. Ул 1987 йылдан бирле водитель булып эшләй. Утыҙ йыл хеҙмәт стажына эйә. Ул бер түгел ике машинала эшләй. Иртә таңдан автобусы менән ауылдарҙан комбайнсыларҙы йыйнап, баҫыуҙарға комбайндары янына алып барып ҡуя. Шунан йөк ташыусы Зил машинаһын ҡабыҙып, ырҙынға иген ташый башлай.Үтә лә егәрле ул беҙҙең ағайыбыҙ. Әҡсән Хәйбуллиндың теләге изгелекле — хужалығыбыҙ артабан да нығынып, иртәгәһе тыуыр көндәребеҙгә тыныслыҡ менән именлек, эшләргә эш урыны булыуына ҡәнәғәт булып, яңы үҫештәргә ынтылып йәшәү. Эшендәге яҡшы һөҙөмтәләре өсөн Әҡсән ағайыбыҙ Республикабыҙҙың юғары наградаһына эйә булды. Рәүеф АБДУЛЛИН Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙҙы. “Йәрмәкәй районы халҡы 2018 йыл аҙағында ФАП-тарҙың иҫкереүе, уларҙа эшләү өсөн шарттарҙың булмауына зарланғайны. Тиҙҙән Яңы Шах һәм Богородский ауылдарында өр-яңы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башлаясаҡ. Быйыл республикала йәмғеһе 85 ФАП-ты сафҡа индереү күҙаллана”, – тип яҙған Башҡортостан Башлығы. Фото: vk.com Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
5 июлдә Ишембайҙың Бульвар урамында урынлашҡан почта бүлексәһенә бысаҡ менән ҡоралланған, башына пакет кейеп алған ир килеп инә һәм кассирҙы ҡурҡытып биш мең ярым һум аҡса тартып ала. 5 июлдә Ишембайҙың Бульвар урамында урынлашҡан почта бүлексәһенә бысаҡ менән ҡоралланған, башына пакет кейеп алған ир килеп инә һәм кассирҙы ҡурҡытып биш мең ярым һум аҡса тартып ала. Урамға сыҡҡас ул “маска”һын сисеп, яҡында торған таксисҡа мең һум түләйем тип, үҙен өйөнә алып барырға ҡуша. Тик таксист был сәйер клиентты хеҙмәтләндереүҙән баш тарта. Енәйәтсе өйөнә ҡайтҡансы полицияға енәйәт һәм шик аҫтына алыныусының билдәләре тураһында хәбәр килә. Тиҙҙән ир ҡулға алына. Унан енәйәткә ҡағылышлы әйберҙәр тартып алына. Ҡулға алыныусыны таксист һәм кассир – тауышы һәм кейеме буйынса таный. Әйткәндәй, был ирҙең элек тә енәйәт яуаплылығына тарттырылған булыуы асыҡлана. Фото: pixabay.com Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда мең ырыуы башҡорттарының III съезына әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде. Район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда мең ырыуы башҡорттарының III съезына әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған йыйын Өфөлә үтәсәк. Меңлеләр – башҡорт халҡының 100 меңдән ашыу кешене тәшкил иткән иң ҙур ырыуҙарының береһе. Улар башҡорттарҙың көньяҡ-көнбайыш төркөмөнә инә һәм Дим, Өршәк йылғалары буйында йәшәй. Әлеге ваҡытта мең ырыуы вәкилдәре Иглин, Шишмә, Әлшәй, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Ауырғазы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Өфө һәм Бишбүләк райондары территорияларында көн күрә. Район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе, хакимиәт башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов ҡайһы бер ойоштороу мәсьәләләренә ентекле туҡталды һәм башҡарма комитет ағзаларына делегаттар - мең ырыуының йәмәғәт форумында районыбыҙҙы лайыҡлы тәҡдим итерлек иң әүҙем вәкилдәрен һайлау эшен үткәрергә ҡушты. Резеда ХӨСӘЙЕНОВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләр өсөн өҫтәмә социаль түләм тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләр өсөн өҫтәмә социаль түләм тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, бындай айына 5000 һумлыҡ түләмде, 2006 йылдың 29 декабрендәге 256-сы Федераль законға ярашлы әсәлек капиталы алыуға хоҡуҡлы һәм 2020 йылдың 1 июленә тиклем дәүләт ярҙамы алырға тейеш булған ғаиләләр аласаҡ. Пенсия фонды аша апрелдән июнгә тиклем биреләсәк айлыҡ түләм ғаиләнең дөйөм килем иҫәбенә индерелмәй һәм ғаиләнең башҡа төр социаль ярҙам алыуында иҫәпкә алынмаясаҡ. Бындай өҫтәмә алыуға хоҡуҡлы кешеләр 2020 йылдың 1 октябренә тиклеү мөрәжәғәт итә ала. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Күптән мәғлүм, Хөкүмәт пенсияға сыҡҡансы, ат урынына эшләгән һәм хаҡлы ялға сыҡҡандың икенсе көнөнә шым ғына ятып үлгәндәрҙе ярата. Сәбәбе билдәле – пенсия түләр өсөн аҡса етмәй. Мәҫәлән, Рәсәйҙең 85 төбәгенең 73-өндә пенсия хаҡлы ялдағыларға дотация иҫәбенә түләнә. Бының сәбәбе билдәле – ҡатын-ҡыҙ пенсияға иртәрәк сыға һәм оҙағыраҡ йәшәй. Ҡатын-ҡыҙҙарға түләү өсөн пенсия дефициты вафат булған ирҙәре иҫәбенән алып түләнәсәк, һөҙөмтәлә, улар үҙҙәренең тотонолмаған аҡсаһы иҫәбенә ҡатындарын ҡарауҙы дауам итәсәк, ти эксперттар. Хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ. Ирҙәр пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса 7,5 йыл, ә ҡатын-ҡыҙ –22,6 йыл йәшәй. Хәҙер 22,6 йылдан 7,5 йылды алып ташлайбыҙ һәм айҙарҙы һанап, һәр ай түләнгән пенсияға ҡабатлайбыҙ. Һананығыҙмы, байтаҡ ҡына сыға бит. Бер үк аҡса артынан урындағы Пенсия фондына йүгерергә ашыҡмағыҙ. Унда ултырған түрәләрҙә һеҙҙең ҡайғығыҙ юҡ, әрләнеп ҡуйыуығыҙ ҙа бар. Алда әйтеүебеҙсә, былар әлегә эксперттарҙың фекере. Тимәк, закон түгел. Ә инде ысынбарлыҡҡа килгәндә, һандар күпкә ҡәтғиерәк. Пенсия фонды киләһе йылға түләүҙәрҙе 3 процентҡа, инфляция кимәленә, арттырырға вәғәҙә итә. Беҙгә әлегә шул проценттарҙы ғына мөрхәтһенергә тура килер.
♦ Рәсәй биләмәһендә 160 милләт йәшәй, уларҙың һәр береһенең үҙ теле, тарихы, мәҙәниәте һәм үҙ йолалары бар. ♦ Рус теле илебеҙ территорияһында дәүләт теле тип танылған. Был милләт-ара аралашыу телен Рәсәй территорияһынды йәшәгән һәр кем белергә тейеш. ♦ Рәсәй халҡының башҡа телдәре – уның үҙенсәлекле мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, РФ Конституцияһында уларҙы өйрәнеү хоҡуғы беркетелгән. ♦ “Мәғариф тураһында” Федераль закон мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, башланғыс һәм урта белем биреү мәтәптәрендә әсә телендә белем алыу мөмкинлеген тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. ♦ Уҡырға барғанда белем телен һайлау ата-әсә йәки баланың законлы вәкилдәре ғаризаһы буйынса ирекле ғәмәлгә ашырыла. ♦ Мәғариф ойошмаһы ата-әсә ғаризаһы буйынса туған телде өйрәнеүҙе тәьмин итмәһә, күҙәтселек органдарына мәрәжәғәт итергә кәрәк. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
9 сентябрь – Халыҡ-ара матурлыҡ көнө Һәр гүзәл зат үҙенсә матур, һөйкөмлө. Ошо тәбиғәттән бирелгән гүзәллекте һаҡлап, заман талаптарынан ҡалышмай йәшәү мөһим бөгөн күп ҡатын-ҡыҙҙарға. Улар йыш ҡына ярҙам һорап матурлыҡ тыу-ҙырыусы оҫталарға мөрәжәғәт итә. Ошондай оҫталарҙың береһе булған Лидия Севастьянова өсөн эш ябай мауығыу-ҙан башлана. Бөгөн – ул профессиональ стилист, визажист, лешмейкер. Бала сағында Лидия пластик хирург булырға хыяллана. – Мин кешеләрҙе матурыраҡ итергә теләй инем, – тип һөйләй ул. – Әммә пластик операциялар тураһында тапшырыуҙар ҡарай торғас, хирург булыу теләгем юҡҡа сыҡты. Бәләкәйҙән үк сәс менән булырға ярата инем: һеңлеләремә, класташ ҡыҙҙарға төрлө прическалар эшләй торғайным. Һөнәре буйынса Лидия – интерьер дизайнеры. Әммә был үткәндәрҙә ҡалған. Икенсе курста өҫтәп керпек үҫтереүсегә уҡып ала. Тәүҙә был эш уға ауыр тойола. Шунлыҡтан бер-ике ай ҡулына пинцет алмай. Әммә әхирәттәре уны яңынан тотонорға саҡыра. Шулай башланып китә лә инде Лидияның матурлыҡ донъяһындағы тәүге аҙымдары. 2010 йылда Лидия эшкә әүҙем тотона. Мәсетле ҡыҙҙары өсөн өҫтәп керпек үҫтереү яңылыҡ була. Бер аҙҙан ул маникюр, прическалар, макияж яһай башлай, ҡаштарға ла тотона. Бөгөн Лидия Севастьянова – бөтә йүнәлештәр буйынса ла сертификаты булған оҫта. Яратҡан эште үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырырға уға ире Семен ярҙам итә. Нәҡ ул салон төҙөргә тәҡдим итә. – Тәүҙә финанс яҡтан ауырлыҡтар булды, – тип хәтерләй Лидия. – Барыһын да үҙебеҙ эшләнек, бер кем дә ярҙам итмәне. Әммә яратҡан шөғөл менән булыу теләге булышты. Бер ҡайҙа ла еңел түгел, һәр һөнәрҙең үҙ ҡатмарлыҡтары бар. Әммә, теләгең булһа, тауҙар аҡтарырға ла мөмкин. Ә мин матурлыҡ тыуҙырырға яратам. Хәҙер ҡыҙҙар ғына түгел, өлкәнерәк ҡатындар ҙа мөрәжәғәт итә. Минеңсә, бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сибәр, оҫталар-ҙың бурысы – ошо матурлыҡты нығыраҡ асыу. Лидияның фекеренсә, матурлыҡ – кешенең эске донъя-һы. Тирә-яҡ мөхит һәм үҙең менән гармонияла йәшәгәндә, яратҡан эшең менән шөғөлләнгәндә, яҡын кешеләреңә ярҙам иткәндә –ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ донъяла.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында утыҙ йыл эндокринолог булып эшләгән Леонора Хөсәйенова һөйләүенсә, 30-ышар пациент килтерелгән тәүге өс көн айырыуса ҡатмарлы булған. Уның менән бергә «ҡыҙыл зона»ла үҙ теләге менән студент ҡыҙы ла эшләй. «Туғандарым минең иҫәнме-юҡмы икәнемде күреү өсөн видеобәйләнештән шылтырата» — Өфө табиптары коронавирусҡа ҡаршы нисек көрәшәБашҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында утыҙ йыл эндокринолог булып эшләгән Леонора Хөсәйенова һөйләүенсә, 30-ышар пациент килтерелгән тәүге өс көн айырыуса ҡатмарлы булған. Уның менән бергә «ҡыҙыл зона»ла үҙ теләге менән студент ҡыҙы ла эшләй.— Ныҡ хәл бөтә. Был костюмда йөрөү, тирләгән битлек кейеп өҙлөкһөҙ эшләү бик ауыр. Һигеҙешәр сәғәт буйына һыу эсмәү, ашамау. Бысраҡ зонанан бөтәһе лә ныҡ арып сыға, — тип һөйләй Леонора.Ләкин физик арыуҙан тыш, бының эмоциональ яғы ла бар. Табип Руслан Ғүмәров өсөн ғаиләһе – ҡатыны һәм алты балаһы борсола. Кескәйенә бер аҙна тулыу менән ул «ҡыҙыл зона»ға ингән.— Улар ныҡ ҡайғыра, ваҡыты менән шылтыраталар. Минең иҫәнме-юҡмы икәнемде күреү өсөн барыһы ла видеобәйләнештән шылтырата, - ти Руслан.Көн һайын табиптар сменалар араһындағы ялда көс тупларға тырыша, ә һуңынан йәнә «ҡыҙыл зона»ға, уларҙың береһе лә бирешергә йыйынмай. Башҡортостаным яңылыҡтары Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Муниципаль район хакимиәте башлығы үткәргән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә фермалар ойоштороу, умартасылыҡты үҫтереү, автозаправкалау станцияһы асыу тураһында һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Муниципаль район хакимиәте башлығы үткәргән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә фермалар ойоштороу, умартасылыҡты үҫтереү, автозаправка станцияһы асыу тураһында һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Шәрип ауылында фазан ите һәм йомортҡаһы етештереү, спорт һунарсылығы ойоштороу өсөн ферма асыу планлаштырыла. Икенсе инвестор Рәсмәкәй ауылы биләмәһендә ит етештереү маҡсатында һыйр эре малы фермаһы асырға ниәтләй. Тағын да бер проект Әхмәт ауылында бал ҡорттары үрсетеү, умартасылыҡ продукцияһы етештереү һәм һатыуҙы күҙ уңында тота. Шәрип ауылында автозаправкалау станцияһын асыу проектын тәҡдим иткән инвесторҙың был йүнәлештә эш тәжрибәһе бар. Ул әле лә сағыштырмаса түбән хаҡҡа яғыулыҡ һатыу менән шөғөлләнә. «Башҡорт фермеры» ауыл хужалығы кооперативы тәүлегенә 500 литр һөт продукттары етештерергә һәләтле цех асыу проектын тәҡдим итте. Ул йыһаздар һатып алған, әлеге ваҡытта модулле цехты ҡоралар. Кәңәшмәлә шулай уҡ балыҡ үрсетеү һәм уны эшкәртеү тураһында ике проект ҡаралды. Уларҙы тәҡдим итеүсе инвестор әҙер балыҡ продукцияһын да алып килгән ине. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
2022 йылдан башлап илдә ҡағыҙ паспорт урынына чиплы пластик карточка һәм мобиль ҡушымта ҡулланыла башлаясаҡ тип хәбәр итә РБК һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Максим Акимовҡа һылтанма бирә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 йылда Мәскәүҙә электрон паспорт биреү буйынса пилот проекты башланасаҡ. Унан һуң ике йылдан электрон документтар ҡағыҙ хәлендәгеләрҙе тулыһынса ҡыҫырыҡлып сығарасаҡ. Электрон паспорттарҙы киләһе йылдың июленән Мәскәүҙә бирә башлаясаҡбыҙ. Артабан яңы өлгөлө паспорттарҙы биреү пункттарын 1100-ҙән 3000-гә тиклем арттырып, 2022 йыл дауамында иҫке өлгөлө паспорттарҙы биреүҙе тулыһынса тамамлаясаҡбыҙ», — тип хәбәр итте Акимов премьер-министр Дмитрий Медведев үткәргән кәңәшмә һуңында Формаль рәүештә шәхесте раҫлаусы документтың электрон концепцияһы әлегә раҫланмаған. Шулай ҙа Акимовтың белдереүенән түбәндәгеләр билдәле: — электрон паспорт чиплы карточка формаһында буласаҡ. Ул тик Рәсәй компонеттарынан торасаҡ һәм ватан программаһында эшләйәсәк. Илебеҙҙә етештерелгән криптографик алгоритмдар ҡулланыласаҡ. «Был юҫыҡта хәүефһеҙлек ҡағыҙ паспорттарға ҡарағанда юғарыраҡ буласаҡ. Әгәр ҙә һеҙ электрон документты юғалтһағыҙ, уға бер нисә секундта блокировка яһарға мөмкин», — тине Максим Акимов. — электрон паспорт-карточка 10 йыл дауамында ғәмәлдә буласаҡ, ҡағыҙ документтарҙы электрон хәлдәгенә алмаштырыу эйәһе теләгендә башҡарыласаҡ. — тәүҙә электрон паспорт алыу пошлинаһы ҡағыҙ паспорт алғандағы кеүек 300 һум тәшкил итәсәк, артабан иһә уның суммаһы арттырыласаҡ. — карточкаға өҫтәмә рәүештә мобиль платформалар өсө ҡушымталар сығарыласаҡ. Был сервис бушлай күрһәтеләсәк һәм уны дәүләт программалаусылары яҙасаҡ. «Электрон паспорт дәүләт органдары, дәүләт һәм коммерциялы хеҙмәттәрҙе алыуҙа ярҙам итәсәк. Анкеталар тултырыу, белешмәләр юллау, уларҙа хаталаныу бөтәсәк. Электрон документты алдап яһау, уны сафтан сығарыу ҙа ауыр буласаҡ», — тип белдерҙе кәңәшмә мәлендә Дмитрий Медведев. http://www.bashinform.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡаланың яңы ғына эшләй башлаған берҙәм диспетчерлыҡ үҙәге 112 телефоны буйынса 29 августа иртәнсәк Шахтау мәктәбендә янғын сығыуы тураһында, ә кис Ленин проспекты 19А адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортта газ йыйылып тороп шартлауы хаҡында хәбәр ала. Ваҡиға урынына беҙ ҙә барҙыҡ һәм хатта ҡотҡарыусыларҙан алданыраҡ... Ҡаланың яңы ғына эшләй башлаған берҙәм диспетчерлыҡ үҙәге 112 телефоны буйынса 29 августа иртәнсәк Шахтау мәктәбендә янғын сығыуы тураһында, ә кис Ленин проспекты 19А адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортта газ йыйылып тороп шартлауы хаҡында хәбәр ала. Ваҡиға урынына беҙ ҙә барҙыҡ һәм хатта ҡотҡарыусыларҙан алданыраҡ... Журналистарҙың бәлә сыҡҡан урынға ҡотҡарыусыларҙан алда килеп етеүен күнекмәләр менән аңлатырға булалыр. Һүҙ тап ошо сара хаҡында бара ла инде. Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе Юрий Тротт әҙерләгән һынау буйынса ҡотҡарыусылар был көндө ике тапҡыр күнекмәләрҙә ҡатнашты. 9-сы мәктәптәге иртәнге “янғында” әлегә унда уҡыусылар юҡ ине. Шулай ҙа педагогтар ҡатнашлығында үткән күнекмәләр ҙә ҡотҡарыусылар бригадаһының әҙерлеген тикшерергә, янғын осрағында яуаплыларҙың хаталарын һәм етешһеҙлектәрен билдәләргә мөмкинсе-лек бирҙе. Әйткәндәй, уҡыу йортонда күнекмәләр шыма үтмәне, теоретик яҡтан барыһын да яҡшы белһәләр ҙә, вахтала ултырған инәй ҡотҡарыусыларға хәбәр итергә, йәғни шылтыратырға онотҡан. Ленин проспекты 19 А адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортҡа барғанда ысын фажиға булған кеүек күренешкә тап булаһың, төтөн генә юҡ. Хужалары күсеп киткән авариялы хәлдәге, һүтелә башлаған йорт һайланған ине. Легенда буйынса йорт шартлап, түбәһе килеп төшкән, ә стенаһы урамда ултырған машинаның өҫтөнә ишелгән, емеректәр аҫтында 5 кеше ҡалған. Берҙәм диспетчерлыҡ үҙәгенә шылтыратҡандан һуң бер нисә минуттан газ хеҙмәте килеп етте, улар газ һүндереү эштәрен үтәне, артабан ҡотҡарыусылар килде, полиция биләмәне һаҡҡа алды. Ҡотҡарыусылар төркөмдәргә бүленеп, эш башланы: бер төркөм машина эсендәгеләрҙе ҡотҡарырға тотондо, ә икенселәр йортҡа инеп китте. Еңел автомобилдә ултырған ике кешене ҡотҡарыу өсөн автомобилдең аккумулятор батареяһын ысҡындырып, ишектәрен, түбәһен, ултырғыстарын ҡырҡып ташларға тура килде. Йорт эсендә аҫта ҡалған кешеләрҙе күтәреп, ә өҫтәгеләрҙе арҡан һүҙып төшөрҙөләр. – Күнегеүҙәр булғас, егеттәр ашығыс эшләмәне, ғәҙәттә, ысын саҡырыуға сыҡҡанда улар күпкә етеҙерәктәр. Мәҫәлән, машинанан ҡотҡарыу юл-транспорт бәрелештәрендә йыш осрай, емерелгән тимер аҫтында тере кеше барлығын белгәндә етеҙ эш итергә кәрәк. Нисек кенә булмаһын, ҡотҡарыусылар еренә еткереп эшләне, беҙгә биш кеше булыуы билдәле булһа ла, махсус йәшерелгән алтынсы моникенды ла таптылар. Тимәк, күнегеүҙәр булһа ла бина тулыһынса тикшерелгән, – тине ҡала буйынса авария-ҡотҡарыу отрядының начальник урынбаҫары Ирек Сөнәйев. Ҡотҡарыу күнекмәһе тамамланғас ҡаланың ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе Юрий Тротт ҡатнашыусылар менән фекер алышты. Уның һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда эш яҡшы үтәлде, әммә етешһеҙлектәр бар һәм уларҙы хәл итергә кәрәк буласаҡ. – Кеше ғүмере хәүефһеҙлеге тураһында һүҙ барғанда, етешһеҙлектәрҙең бәләкәйе, ҙуры булмай, барыһын да үтәргә кәрәк, – тигән һүҙҙәр менән тамамлап ҡуйҙы етәксе ҡотҡарыу күнекмәләрен. Эльдар ФӘТТӘХОВ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был көндәрҙә Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ атамалы ерҙә “Алға, Урал аръяғы-2019” фестивале үтте. Тап шуға ла Мәләүез районының Иштуған ауылындағы үҙенсәлекле фестивалгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, хатта Канаданан, Һиндостандан да килеп еткәндәр. Ярыш өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Фестиваль программаһы бай. Төрлө аҙыҡ төрҙәре әҙерләү, ҡыҫала ярыштырыу буйынса ла таһыллыҡҡа көс һынашты ҡунаҡтар. Бәйгенең һөҙөмтәһе хаҡында һуңғараҡ хәбәр итербеҙ. bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Беҙҙең педагогтар йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы асыҡ дәрестәр, дәрестән тыш заниятиелар күрһәтеп, юғары һөнәри оҫталыҡтарын дәлилләне // “Торатау” Конгресс-холда “Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы” республика һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурстарында ҡатнашыусылар тантаналы шарттарҙа бүләкләнде. Хәйбулла районы намыҫын ике педагог яҡланы. “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” номинацияһында 2-се Аҡъяр мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Зарема Турабова тағы ла 73 конкурсант составында уңышлы ҡатнашты. Ә “Йәш уҡытыусы-2020” номинацияһында Сиҙәм мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Фәрвәз Рәхмәтов тағы ла 37 конкурсант араһында үҙен лайыҡлы күрһәтте. Беҙҙең педагогтар йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы асыҡ дәрестәр, дәрестән тыш заниятиелар күрһәтеп, юғары һөнәри оҫталыҡтарын дәлилләне. Зарема Борисовна балалар менән уйынсәйәхәт ойошторҙо. Уҡыусылар “География”, “Шиғриәт”, “Музыка”, “Спелеология” станциялары аша үтеп, Великобритания һәм Башҡортостанды өйрәнде. Фәрвәз Сәлимйән улы үҙ дәресен Сиҙәм мәктәбе уҡыусыларының лицей уҡыусыларын видеосәләмләүҙән башланы. Дәрес темаһы видеоролик файҙаланып һайланды. Дәрестән тыш занятиеала йәш педагог дебаттар ойошторҙо. https://vk.com/haibroo Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Эшлекле һөйләшеүҙә ике республика араһындағы сауҙа бәйләнештәрен киңәйтеү, эшҡыуарҙарҙы бер-береһенә яҡынайтыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова етәкселегендәге делегация Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге сауҙа вәкиле Валерий Латипов менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә ике республика араһындағы сауҙа бәйләнештәрен киңәйтеү, эшҡыуарҙарҙы бер-береһенә яҡынайтыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы. - Эшҡыуарлыҡтың әүҙемләшеүен һәм компанияларҙың бер-береһе менән ҡыҙыҡһыныуын ҡуш ҡуллап хуплайбыҙ. Берҙәм проекттарҙы бойомға ашырыуҙа һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ, – тине осрашыу барышында Валерий Латипов. Башҡортостан вәкилдәре Ҡырғыҙстандың Ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм мелиорация министрлығында булды. Унда улар министр урынбаҫары Жаныбек Керималиев менән осрашып, ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен ҡараны. Ҡырғыҙҙар беҙҙән тоҡомло мал, ит, ҡош ите, йомортҡа, көнбағыш майы һәм ауыл хужалығы техникаһы алыуға ҡыҙыҡһыныуын белдергән, хатта ошо йүнәлештә килешеү төҙөргә лә әҙер. Эшлекле сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы предприятиелар менән танышып, уларҙың етәкселәре менән осрашты. Мәҫәлән, “Эколайн” йәмғиәте – аяҡ кейеме етештергән “Империал Групп Компани” предприятиеһы, “Башпромторг”, “Абсолют ДЕК”, “Ирида” йәмғиәттәре төҙөлөш компаниялары менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Башҡортостан Хөкүмәте сит өлкәләр һәм илдәр менән сауҙа бәйләнештәрен нығытыуға айырыуса иғтибар бирә. Әлбиттә, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә төбәктә кооперация һәм экспорт йүнәлешен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/To-omlo-mal-it-yomort-a-k-r-k-ti--r-sht-r-24510/ Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты сайтынан. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан Президенттары Владимир Путин менән Садыр Жапаров Ҡырғыҙстандағы Джеруй ятҡылығы алтынын сығарыу өсөн төҙөлгән тау комбинаты эшен башлауға фатиха бирҙе. Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан Президенттары Владимир Путин менән Садыр Жапаров Ҡырғыҙстандағы Джеруй ятҡылығы алтынын сығарыу өсөн төҙөлгән тау комбинаты эшен башлауға фатиха бирҙе. Владимир Путин сарала видео бәйләнеш аша ҡатнашты. Алтын ятҡылығы 1968-1969 йылдарҙа асыла. Уны бөгөнгө көндә "Альянс Алтын" яуаплылығы сикләнгән Рәсәй компанияһы үҙләштерә. Һалынған дөйөм инвестиция күләме – 600 миллион доллар. 2021 йылда комбинат өс тонна алтын бирергә тейеш. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, ятҡылыҡта алтындың 88,2 тонна баланс запасы бар. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Үгеҙ йылы, Буға йылы – Сысҡан йылынан һуң, Барыҫ йылынан алда килә торған мөсәл иҫәбенең икенсе йылы. Киләһе 2021 йылдың хужаһы Аҡ Тимер Үгеҙ вәғәҙәләүенсә, бөтә 12 ай ҙа бик күтәренке кәйефтә үтәсәк. Был осор тыныс һәм тотороҡло буласаҡ, унда асыҡ конфликттар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр көтөлмәй. Астрологтар вәғәҙәләүенсә, 2021 йылды дипломатия йылы тип атарға мөмкин, хатта дошмандарығыҙ менән килеп сыҡҡан киҫкен һорауҙарҙа компромисс табасаҡһығыҙ.Үгеҙҙең йондоҙнамә билдәләренә тәьҫире, шәхси тормоштар ниндәй үҙгәрештәр көтөүе, һаулыҡ торошо тураһында сайтта уҡырһығыҙ. Үгеҙ йылы, Буға йылы –Сысҡан йылынан һуң, Барыҫ йылынан алда килә торған мөсәл иҫәбенең икенсе йылы. Киләһе 2021 йылдың хужаһы Аҡ Тимер Үгеҙ вәғәҙәләүенсә, бөтә 12 ай ҙа бик күтәренке кәйефтә үтәсәк. Был осор тыныс һәм тотороҡло буласаҡ, унда асыҡ конфликттар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр көтөлмәй. Астрологтар вәғәҙәләүенсә, 2021 йылды дипломатия йылы тип атарға мөмкин, хатта дошмандарығыҙ менән килеп сыҡҡан киҫкен һорауҙарҙа компромисс табасаҡһығыҙ. Үгеҙҙең йондоҙнамә билдәләренә тәьҫире Бөтә 2020 йыл буйы Аҡ Сысҡан ихлас тырышҡан билдәләргә карьера өлкәһендә, шәхси үҫештә һәм финанс хәлдәрен яҡшыртырға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Үгеҙ йылы башланыу менән яңы үҙгәрештәр киләсәк. Йыл яҡлаусыһы кешеләргә асығыраҡ булырға ярҙам итер. Уларға яңы таныштар табыу һәм потенциал эш биреүселәр, партнерҙар менән диалогҡа инеү еңел буласаҡ. Үгеҙ кешеләрҙе ныҡышмалыраҡ итәсәк. Кем үҙ алдына маҡсат ҡуя һәм үҙ өҫтөндә эшләп, уға ҡарай ышаныслы хәрәкәт итә – үгеҙҙәр уларға ярҙам итергә әҙер торасаҡ. Маҡсатҡа ынтылыш Үгеҙ тарафынан тулыһынса бүләкләнәсәк, бында хәл-ваҡиғаларҙың уңышлы ағышына, тирә-йүндәгеләрҙең ярҙамына һәм илтифатлылығына өмөт итергә була. Шәхси тормошта үҙгәрештәр Был йылда ғаиләлеләргә еңелсә флиртты ситтә ҡалдырып торорға кәңәш ителә. Йыл хужаһы ситтә бәйләнеш булдырғандарға кире ҡарашта, ул тик ышаныслы партнерҙарға һәм ныҡлы ғаилә булдырырға теләгәндәргә генә ярҙам итәсәк. Үгеҙ өсөн тоғролоҡ һәм намыҫ төшөнсәләре – ябай һүҙҙәр генә түгел. Ул тормош иптәштәренә хыянат иткәндәрҙе, ситтә интригалар булдырғандарҙы өнәмәй. Үгеҙ йылында һаулыҡ торошо Үгеҙ – сыҙам һәм көслө хайуан, һәм, әлбиттә, был сифаттарҙы ул 12 йондоҙнамә билдәһенә лә бирәсәк. Шулай ҙа, яҡшы хәл-торош кем үҙенең һаулығына иғтибарлы һәм табиптарға йыш күренеп, тикшерелеп тора – уларға юлдаш булыр. Һәр билдәгә лә ашауына иғтибар итергә кәрәк. Кешенең дөйөм хәле күп осраҡта рационға бәйле. Ашаған ризығығыҙҙың нигеҙендә витаминдар һәм микроэлементтар менән байыҡтырылған аҙыҡ-түлек ятырға тейеш. Ялығыҙҙы файҙалы итеп, күп ваҡытты тәбиғәттә үткәрергә тырышығыҙ. Үгеҙ – хеҙмәт һөйөүсән хайуан, үҙ эше менән булғандарға ул ярҙам итәсәк. Шулай ҙа карьера тип сабып, уның һаулыҡҡа килтергән зыян яғын да оноторға ярамай. Эш һәм ял араһында баланс табырға – шул саҡта бөтә маҡсаттарға ирешерһегеҙ, ә дөйөм хәлегеҙ иң яуаплы мәлдә һынатмаҫ. Сысҡан йылының күңелһеҙлектәре күп булды. Хәҙер инде бөтә өмөт Үгеҙ йылында. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Эш урынында һеҙҙе яңы статус көтә. Яңы мөмкинлектәр, өмөтлө пландар барлыҡҡа киләсәк. Тик хыялдарығыҙға ғына түгел, хатта уйҙарығыҙға ла яуызлыҡ индерә күрмәгеҙ. Юҡһа бөтөн уңыштарығыҙ селпәрәмә килергә мөмкин. Аҡсаға килһәк, йыл әйләнәһе уға ҡытлыҡ кисермәйәсәкһегеҙ. Тик сит ил аҡсаһы менән бик һаҡ булыу кәрәк! Юҡһа мутлашыусылар ҡорбанына әйләнеү ҡурҡынысы бар. Һөйөклөгөҙ менән мөнәсәбәттәр – тел-теш тейҙергеһеҙ! Шикләнеүҙәр менән генә араға һыуыҡлыҡ инмәһә… Сәләмәтлек мәсьәләһендә лә борсолорға урын юҡ. Шулай ҙа ыңғай фекер йөрөтөргә, юҡҡа-барға үҙегеҙҙе бөтөрмәҫкә өйрәнеү кәрәк буласаҡ. Буға (21.04 – 20.05) Сабырлыҡты йыйып, бик ҡаты эшләргә әҙер тороғоҙ. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар аша уҙырға ла тура килер. Әммә күңелегеҙҙе төшөрәһе түгел, барыһы ла бик һәйбәт килеп сығасаҡ! Һөҙөмтәһе финанс муллығы менән ҡыуандырасаҡ. Йәғни мәҫәлән, кеҫәләрегеҙ буш тормаясаҡ. Ләкин эс бошҡандан ғына аҡса туҙҙырмау һәйбәт булыр. Сөнки йәйен кәрәк әйберҙәргә байтаҡ ҡына аҡса талап ителәсәк. Мөхәббәт өлкәһендә ваҡыт-ваҡыт күңелгә һары май булып ятырҙай тынлыҡ урынлашасаҡ. Шундай миҙгелдәрҙә күңелегеҙҙең нимә теләүенә төшөнәсәкһегеҙ. Балаларығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән әленән-әле һөйөндөрөп торасаҡ. Һаулығығыҙ тәртиптә буласаҡ. Игеҙәктәр (21.05 – 21.06) Яратҡан эшегеҙ ялыҡтыра башлар, моғайын. Шуға күрә эш урынын алыштырыу теләге тыуырға мөмкин. Әммә ашыҡмағыҙ әле! Сабыр төбө – һары алтын, тигәнде иҫтә тотоп, әкрен генә эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ. Шулай итеп, юғарыраҡ баҫҡысҡа ла менеп китәсәкһегеҙ. Аҡса мәсьәләһендә – тәртип. Хеҙмәт хаҡығыҙ артасаҡ, премиялар йыш биреләсәк. Ләкин шикле эштәр йоғонтоһона бирелеүҙән һаҡ булығыҙ: аҡсағыҙҙы елгә осороу ҡурҡынысы бар. Туғандар араһында үпкә-рәнйештәр онотолоп, асыҡтан-асыҡ эскерһеҙ һөйләшеү көтелә. Шунан һуң бик еңел булып китәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, ваҡ-төйәк сирҙең хроник ауырыуға әүерелеп китеүе бар. Шуға күрә организмда әҙ генә тайпылыш һиҙеүгә, табипҡа күренеү һәйбәт. Йәй аҙағы – көҙ башынан тормошоғоҙҙоң бар өлкәһендә лә уңай ғына килеп торасаҡ. Ҡыҫала (22.06 – 22.07) Йыл башында бик ныҡ арыу хисе баҫырға мөмкин. Әммә бирешмәҫкә! Һеҙҙе бер кем дә ниәттәрегеҙҙән кире ҡайтара, юлығыҙға ҡаршы төшә алмаҫҡа тейеш. Алға ҡуйылған маҡсатығыҙға табан тырышып барһағыҙ, зарығып көтөлгән уңышҡа, һис шикһеҙ, ирешәсәкһегеҙ. Финанс өлкәһендә ҡайғырырға кәрәкмәй. Өйөгөҙҙә йыл дауамында муллыҡ хөкөм итәсәк. Шулай ҙа бурысҡа аҡса биреп тормау хәйерле: бурысҡа алыусылар менән тауыш-ғауға сығыу ҡурҡынысы бар. Сәләмәтлек тураһында. Иммунитетты нығытығыҙ. Сит илдәрҙең шау-шыулы курорттары, экзотик экскурсиялары урынына үҙебеҙҙең ябай ғына санаторийҙарҙы һайлағыҙ. Шулай икән, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Арыҫлан (23.07 – 23.08) Үҙгәрештәр осоро етә. Эштән ҡәнәғәтһеҙлек хисе көсәйгәндән-көсәйә барасаҡ. Элекке эш урынында ҡалырғамы, әллә инде яңыһын табырғамы – икенең береһен һайлап алырға кәрәк буласаҡ. Хафаланмағыҙ: эске һиҙемләүегеҙ бик дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итәсәк. Аҡсаны юҡҡа-барға исраф итмәгәндә, ғаилә бюджетында көйһөҙлөктәр килеп сыҡмаясаҡ. Ҡайһы берәүҙәр бик ныҡ ғашиҡ булырға мөмкин. Әммә был ғаиләләрҙе тарҡатыуға уҡ барып етмәйәсәк. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ һөйөндөрәсәк. Улар бик күп эштәрегеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә иң элек дөрөҫ туҡланыуҙы иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк буласаҡ. Майлы, татлы, ҡамыр ризыҡтарын кәметеү яғын ҡарарға! Ҡыҙ (24.08 – 22.09) Ваҡытлыса ауырлыҡтар арҡаһында эш алыштырыуға ҡәҙәр барып етмәҫкә! Бер аҙ түҙһәгеҙ, барыһы ла элекке эҙенә ҡайтасаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән үҙ-ара аралашыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сығырға мөмкин. Әммә әҙәпле һәм тыйнаҡ булыуығыҙ тауыш сығыуҙан ҡотолоу мөмкинлеге бирәсәк. Йыл башында аҡса менән проблемалар килеп сығырға мөмкин. Уйланылмаған сығымдар күп – шуға шулай. Борсолмағыҙ: йыл урталарында финанс хәлегеҙ бик ныҡ яҡшырасаҡ. Ғаиләлә – тыныслыҡ. Хәләлегеҙ менән уртаҡ тел таба алмау кеүек ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр артта ҡаласаҡ. Ә яңғыҙҙар үҙҙәренең мөхәббәттәрен табасаҡ. Бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Яҙмыш һеҙҙе һәйбәт кеше менән ҡауыштырасаҡ. Сәләмәтлеккә килгәндә, уның тураһында артығын ҡайғыртаһығыҙ, юҡтан ғына үҙегеҙҙә төрлө ауырыуҙар “табаһығыҙ”, шуға йыш ауырыйһығыҙ. Киләһе йылда буласаҡ бер хәл был ғәҙәтегеҙҙе юҡҡа сығарып, үҙегеҙҙе бермә-бер яҡшыраҡ тоя башлауға килтерәсәк. Үлсәү (23.09 – 23.10) Һеҙҙең өсөн бик уңышлы йыл. Эштәрегеҙ күп буласаҡ һәм улар үҙегеҙгә иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтлек хистәре килтерәсәк. Яңы таныштарығыҙ аҡсалыраҡ эшкә күсенеү йәки юғарыраҡ вазифаға күтәрелергә ярҙам итәсәк. Етәксегеҙ һәр бер эшегеҙҙе тейешенсә баһалаясаҡ. Ҡысҡаһы, хеҙмәт хаҡы ла шәп, премияларға ла өмөт итеп буласаҡ. Көҙөн яҡындарығыҙ үҙегеҙҙе ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырасаҡ. Ғаиләлә – именлек. Әммә һаман эш кенә булмаһын. Һөйөклөгөҙ, балаларығыҙ тураһында ла онотмағыҙ. Иғтибар-ҡайғыртыуығыҙ ваҡ-төйәк тауыш-ғауға, үпкә-рәнйештәрҙән һаҡлап ҡаласаҡ. Сәләмәтлек өсөн борсолорға тура килмәйәсәк. Шулай ҙа иммун системаһын нығытыу өсөн һыу менән дуҫ булыу – йышыраҡ мунса инеү, бассейнға йөрөү, йәйен һыу ятҡылыҡтарында ҡойоноу һәйбәт. Саян (24.10 – 22.11) Һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, ваҡиғаларға бай йыл көтә. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торасаҡ, эшлекле, булдыҡлы булыуығыҙ күптәрҙе көнләштерәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә зурыраҡ вазифаға күтәрелеп ҡуйыу ихтималы ғәйәт ҙур. Аҡсаға килгәндә, етәксегеҙ уңыштарығыҙҙы күрәсәк, әммә хеҙмәт хаҡын арттырырға атлығып тормаясаҡ. Шуға күрә был мәсьәләлә үҙегеҙҙең беренсе булып һүҙ башлауығыҙ зыян итмәйәсәк. Уның ҡарауы, ситтән аҡса эшләү юлдары сығып ҡына торасаҡ. Йыл урталарында үҙегеҙҙе ҡыҙыу мөхәббәт хисе ҡуҙғытып алыуы бар. Ғаиләлеләргә нисек тә хистәрен йүгәнләргә тура киләсәк. Юҡһа… Сир-сорға бирешмәҫ өсөн эште ял менән сиратлаштырыу һәйбәт булыр. Юҡһа стресҡа бирешеүҙәр булырға мөмкин. Уҡсы (23.11 – 21.12) Эштә баш әйләндергес уңыштарға ирешәсәкһегеҙ! Әммә уяуыраҡ булығыҙ. Тирәгеҙҙә көнсөлдәр һәм үҙегеҙҙе дошман күреп йөрөүселәр пәйҙә булырға мөмкин. Улар менән асылып һөйләшә күрмәгеҙ. Серҙәрегеҙҙе бары тик яҡындарығыҙға ғына сисегеҙ. Аҡса тигәндә, һанағанды яратыуын беләһегеҙ. Шуны онотмағыҙ. Был мәсьәләлә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар булмаһа ла, артығын сығымламау яҡшыраҡ. Кредиттарығыҙ өсөн борсолаһы юҡ: улар хатта ваҡытынан алда түләнеп бөтәсәк. Ғаиләлә үтә лә бәхетле, тыныс, мул осор етәсәк. Һөйөклөгөҙ үҙегеҙҙе тик күтәреп кенә йөрөтмәйәсәк – һеҙҙе ярты һүҙҙән аңлаясаҡ, байрамдарҙа затлы бүләктәр менән ҡыуандырасаҡ. Сәләмәтлек тә, юҡ-бар һалҡын тейеүҙәрҙе һанамағанда, йыл дауамында әллә ни һынатмаясаҡ. Кәзәмөгөҙ (22.12 – 20.01) Быға тиклем хәл итеп булмаҫ кеүек тойолған проблемаларҙың осона сығыу өсөн үтә һәйбәт мөмкинлектәр асыласаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең дә ярҙамы ҙур буласаҡ. Бары тик уларға өҫтән генә ҡарамаҫҡа… Аҡса янсығы ла йыл дауамында ҡыштырлап торған ҡағыҙҙарҙан өҙөлмәйәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә барлыҡ бурыстарҙан, хатта ҙур ғына кредиттарҙан ҙа ҡотола аласаҡһығыҙ. Ләкин аҡсаны шикле эштәргә йәлеп итеүҙән һаҡ булығыҙ – “яныу” ҡурҡынысы ҙур. Бәхеткә, ғаилә тормошонда бер ниндәй юғалтыуҙар көтөлмәй. Киреһенсә, мөнәсәбәттәр тағы ла нығып, бер-береңә ҡарата йылы хистәр көсәйәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, аяҡта йөрөп уҙҙыра торған ваҡ-төйәк сирҙәрҙән ҡала, башҡа бер нимә лә борсомаясаҡ. Профилактика саралары күрелһә, улары ла урап уҙасаҡ. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Эштәге барлыҡ “баш ауыртыуҙар” артта ҡаласаҡ. Һәйбәт хеҙмәт хаҡы алып эшләүсе хеҙмәткәргә әйләнәсәкһегеҙ. Шуға күрә финанс мәсьәләһендә барыһы ла ал да гөл буласаҡ: бик ҡиммәтле әйберҙәр алырға уйлаһағыҙ ҙа, бурысҡа инмәгеҙ. Ғаиләлә лә борсоуға һалырлыҡ бер ни ҙә булмаясаҡ. Ә инде балаларығыҙҙың күңелле мәшәҡәттәре яҡты киләсәккә бик зур өмөттәр уятасаҡ. Бынан тыш йәй урталарындағы бер ваҡиға матди хәлегеҙҙең иҫ киткес яҡшырыуына ишараяласаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһенә килгәндә, организмығыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ, уны артыҡ ҙур көс һалып эшләргә мәжбүр итмәгеҙ. Туҡланыуға иғтибарлы булығыҙ, спорт, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнергә тырышығыҙ. Юҡһа һыуыҡ тейеү кеүек юҡ-бар сирҙәр эләгергә генә торасаҡ. Балыҡ (20.02 – 20.03) Әкрен барған тиҙ етер. Һеҙҙең өсөн был йылдың девизы нәҡ шундай. Эштәрегеҙҙе бик ентекләп планлаштырып, ашыҡмайса, ипләп кенә башҡарһағыҙ, маҡсаттарығыҙға, һис шикһеҙ, ирешмәйсә ҡалмаясаҡһығыҙ. Аҡса тигәнебеҙ кеҫәгеҙгә үҙе үк керәм-керәм тип торасаҡ. Яҙмышығыҙ ҡиммәтле бүләктәр һәм матди сюрприздар менән ҡыуандырасаҡ. Ғаилә мәсьәләһенә килгәндә, тормошоғоҙҙоң ҡалған барлыҡ өлкәләрен күләгәлә ҡалдырасаҡ ул. Яҡындарығыҙ һәм балаларығыҙ менән аралашыу ғәйәт ҙур ҡәнәғәтлек хисе бирәсәк. Ғөмүмән, ваҡытты ғаилә ҡосағында уҙҙырыуҙан да яҡшыһы булмаясаҡ. Йыл урталарында яңғыҙ Балыҡтар үҙҙәренең мөхәббәтен осратасаҡ. Сәләмәтлек тә, тьфү-тьфү, насар булмаясаҡ. Шулай ҙа актив ял иткәндә, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү зыян итмәйәсәк. Айгөл Ҡылысбаева. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Рәсәйҙә 2018 йылдан алып бәләкәй ҡала һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға арналған иң яҡшы проект конкурсы уҙғарылып килә. Быйылғы конкурста Башҡортостандан еңеүселәр араһында Йылайыр районы ла бар. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанға бүленгән 520 миллион һум күләмендәге матди ярҙам биләмәләрҙе күркәмләндереү, төҙөкләндереү өсөн тотоноласаҡ. --Мәртәбәле сарала еңеүебеҙгә шатбыҙ! Уның сиктәрендә Йылайыр ауылы Ленин урамының тарихи өлөшөн тулыһынса үҙгәртәсәкбеҙ. Был тәңгәлдә эштәр 2021 йылда башланасаҡ,--тип белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов. Борис Николаевич шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Башлыҡ хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға, ҡала мөхите һәм йәмәғәт урындары үҫеше мәсьәләләре буйынса советник Ольга Сарапуловаға, Башҡортостан ҡалалары үҫеше институтына, «КБ-11» конструктор бюроһына, проектты баштан алып аҙағынаса әҙерләүгә булышлыҡ итеүсе Ильгиз Фәтҡуллинға, Александр Годуленкоға һәм бөтә эш төркөмөнә ҙур рәхмәттәр еткерҙе. #нацпроекты#миллипроекттар Гульдар Кадаева. https://ataysal.rbsmi.ru/news/Yilayir-ar-shat-440272/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Документ Кремлдең рәсми сайтында баҫылып сыҡты. “Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ғаризаһына бәйле һәм 1999 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 184-се Федераль закондың 19-сы статьяһындағы 1-се пункттың “в” ярҙамсы пунктына һәм 9-сы пункттың “а” ярҙамсы пунктына ярашлы ҡарар итәм: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың үҙ теләге буйынса отставкаһын ҡабул итергә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланған кеше вазифаһына ингәнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Хәбиров Радий Фәрит улын тәғәйенләргә”, — тиелә документта. “Президенттың ышанысын аҡлауҙы һәм бөтә көсөмдө, тәжрибәмде, белемемде Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыраҡ итеүгә арнауҙы үҙем өсөн әле төп бурыс итеп күрәм”, — тип яҙған Facebook селтәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров. Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районының Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында ферезерлаусы өйрәнсеге булып башлай. 1989—1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетындағы дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты. 1994—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт институтының өлкән уҡытыусыһы, доценты, юридик факультеты деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры була. 2003—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 йылда — Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығындағы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты директоры. 2009 йылдан 2016 йылға тиклем Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 2017—2018 йылдарҙа — Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы башлығы. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#БылҠыҙыҡлыБүлмә гөлдәре күҙҙәрҙе һөйөндөрөп, һауаны кислород менән байытып ҡына ҡалмай, улар хужаларының киләсәген фаразларға ла һәләтле икән.Мәҫәлән, спатифиллум. Уны халыҡта “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип тә атайҙар. #БылҠыҙыҡлы Бүлмә гөлдәре күҙҙәрҙе һөйөндөрөп, һауаны кислород менән байытып ҡына ҡалмай, улар хужаларының киләсәген фаразларға ла һәләтле икән. Мәҫәлән, спатифиллум. Уны халыҡта “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип тә атайҙар. Был гөл киләсәктә хужабикәне ни көтөүен белдерергә һәләтле имеш. Спатифиллум шау сәскәгә төрөнһә, ҡатын-ҡыҙға байлыҡ, тыныслыҡ һәм ғаилә бәхете килтерә икән. Ҡыҙҙар гөлдөң бындай билдәһенән һуң кейәүгә сығырға әҙерләнһен. Был гөл күп итеп эре сәскәләр ата икән, өйгә бәпәй ҡайтасағы хаҡында һөйләй. Гөлдөң көтмәгәндә һулыуы – бер ҙә яҡшы билдә түгел, ғаиләгә финанс ҡытлығы киләсәк, имеш. Уның япраҡтары һарғайыуы ла мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына килтерә, өйҙә тауыш. Ғауға сығырға ла мөмкин, тигән ышаныу бар. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта Башҡортостан Башлығының дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Хәйҙәров ҡатнашты.Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указына үҙгәрештәр индерелеү хаҡында белдерҙе.Төп яңылыҡ: граждандарға дачаларға, баҡсаларға барырға рөхсәт ителде, шул иҫәптән 65 йәште үткән өлкәндәргә лә. Бының өсөн “Дорога 02” порталында теркәлеү талап ителмәй, әммә һәр кеше үҙе менән шәхесен билдәләгән, ер участкаһына, баҡсаһына йә дачаға хоҡуҡ биргән документты йөрөтөргә тейеш. Унан тыш, изоляцияны үҙ иркең менән боҙоу хаҡында махсус ғариза яҙыу ҙа мотлаҡ.Уның өлгөһө шул уҡ “Дорога 02” сайтында йә иһә Башҡортостандың хоҡуҡи порталында бар (Указға ҡушымта итеп бирелгән). Ғаризаны компьютерҙа баҫып йыйырға ла, ҡулдан яҙырға ла мөмкин. Унда объект адресы ла күрһәтелергә тейеш.Баҡсаға йә дачаға шәхси транспортта ла, йәмәғәт транспортында ла юлланырға мөмкин. Мәғлүм булыуынса, махсус указға ярашлы, йәмәғәт транспорты әле 20.00 сәғәткә тиклем йөрөй, ошоно ла иҫәпкә алырға онотмағыҙ."Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: twpenzavzglyad.ru Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта Башҡортостан Башлығының дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Хәйҙәров ҡатнашты. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указына үҙгәрештәр индерелеү хаҡында белдерҙе. Төп яңылыҡ: граждандарға дачаларға, баҡсаларға барырға рөхсәт ителде, шул иҫәптән 65 йәште үткән өлкәндәргә лә. Бының өсөн “Дорога 02” порталында теркәлеү талап ителмәй, әммә һәр кеше үҙе менән шәхесен билдәләгән, ер участкаһына, баҡсаһына йә дачаға хоҡуҡ биргән документты йөрөтөргә тейеш. Унан тыш, изоляцияны үҙ иркең менән боҙоу хаҡында махсус ғариза яҙыу ҙа мотлаҡ. Уның өлгөһө шул уҡ “Дорога 02” сайтында йә иһә Башҡортостандың хоҡуҡи порталында бар (Указға ҡушымта итеп бирелгән). Ғаризаны компьютерҙа баҫып йыйырға ла, ҡулдан яҙырға ла мөмкин. Унда объект адресы ла күрһәтелергә тейеш. Баҡсаға йә дачаға шәхси транспортта ла, йәмәғәт транспортында ла юлланырға мөмкин. Мәғлүм булыуынса, махсус указға ярашлы, йәмәғәт транспорты әле 20.00 сәғәткә тиклем йөрөй, ошоно ла иҫәпкә алырға онотмағыҙ. "Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: twpenzavzglyad.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
README.md exists but content is empty. Use the Edit dataset card button to edit it.
Downloads last month
0
Edit dataset card