text
stringlengths
369
192k
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәште 2019 йылда республикабыҙ халҡы Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу-ҙы билдәләйәсәк. Юбилейҙы ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылайбыҙ? Һеҙҙең иғтибарға иң әһәмиәтле ҡаҙаныштарға күҙәтеү тәҡдим итәбеҙ. Ваҡиғаларға бай биш йыллыҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың йомғаҡлау ултырышында сығыш яһап, һуңғы биш йылға байҡау яһаны. — Был биш йыллыҡ тарихи йәһәттән әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды һәм илебеҙ тормошонда хәл иткес роль уйнаны. Рәсәй финанс-иҡтисади көрсөк баҫымын, ҡайһы бер сит илдәр тарафынан иғлан ителгән санкцияларҙы лайыҡлы үткәрә алды, улай ғына түгел, күп кенә сәнәғәт тармаҡтарын тергеҙеү йәһәтенән киң даирәле программа йәйелдерҙе. Рәсәй Президентының май Указы иҡтисади һәм технологик алға китеш, социаль йүнәлешле сәйәсәтте көсәйтеү буйынса яңы бурыстар билдәләне. Быйылғы йылдың мартында үткән Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа йәмәғәтселек ил етәкселеге алып барған курсҡа тулы ышанысын күр-һәтте. Халыҡ милли лидерыбыҙ Владимир Владимирович Путинды хуплай, Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән ҙур үҙгәрештәргә иҫәп тота. Илдең дөйөм уңыштарында беҙҙең республиканың һәм уның һәр кешеһенең тос өлөшө бар. Һуңғы йылдарҙа иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыу йәһәтенән күләмле эштәр башҡарылды. Башҡортостандың тулайым төбәк продукты 1,5 трлн һумға етте. Сәнәғәт производствоһында үҫеш темпы ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Һуңғы биш йыл дауамында республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән закондар дөйөм етештереү капиталына 1,5 трлн һум инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итте. Бынан тыш, бюджет күләме (һуңғы биш йылда бюджеттың сығымдар өлөшө 900 млрд һумдан артты) иҡтисадты байытыуға, социаль өлкәне нығытыуға, ҡала һәм ауылдарҙа юл инфраструктураһын яҡшыртыуға мөмкинлек бирҙе. 2013 йылдан алып 97 балалар баҡсаһы һәм мәктәп сафҡа инде. Йылдар буйына балалар баҡсаһына сират көткән ғаиләләрҙең проблемаһы хәл ителде. Бөгөн уҡыусыларҙың 90 проценты бер сменала белем ала. 20 һаулыҡ һаҡлау объекты, 38 спорт комплексы, 336 саҡрым яңы юлдар һәм 1900 метр оҙонлоҡта күперҙәр төҙөлдө. Торлаҡ төҙөлөшөндә лә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшелде. ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң Башҡортостан үҙен эшлекле, фәнни һәм мәҙәни тормош үҙәге булараҡ танытты. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары күп кенә илдәр һәм төбәктәр менән парламент-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеп, Башҡортостанды танытыуға ҙур өлөш индерә. Әлеге биш йыллыҡтың иң мөһим һөҙөмтәләренең береһе — эш хаҡының артыуы, тип һанайым. 2013 йылдан алып ҡарағанда, уртаса хеҙмәт хаҡы өстән бер өлөшкә артып, 22 меңдән 30150 һумға етте. 1 майҙан минималь эш хаҡы күләме йәшәү минимумы менән тиңләштерелде. Быйыл бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса барлыҡ маҡсатлы күрһәткестәргә ирешелде. Иҡтисад Үрҙә әйтелгәндәргә тағы ла шуны өҫтәргә кәрәк: Башҡортостан тулайым төбәк продукты күләме буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында — 10-сы, ә Волга буйы федераль округында 2-се урынды биләй. Илдең тулайым төбәк продуктында беҙҙең өлөш — 2,1 процент. Сәнәғәт етештереүе индексы үҫеше буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 4-се баҫҡыста килә. Ил күләмендә республикабыҙ автомобиль бензины, дизель яғыулығы етештереү буйынса — 1-се, эшкәртеүгә йүнәлтелгән нефть күләме буйынса — 2-се, каустик сода, көкөрт етештереү, нефть табыу буйынса 3-сө урында (Төмән өлкәһе һәм Татарстандан ҡала) билдәләнә. Оҙайлы йылдар дауамында Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса илдең иң алдынғы ун төбәге исемлегенән төшкәне юҡ. Башҡортостанстаттың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың ете айы һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беҙ торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереүҙә — 2-се, йән башына тәғәйен торлаҡ төҙөлөшө йәһәтенән 3-сө урынды биләйбеҙ. Был — дөйөм майҙаны 1044,9 мең квадрат метрға тиң 12578 фатир тигән һүҙ. Һаулыҡ һаҡлау Беҙ медицина өлкәһендә лә алға табан ҙур аҙымдар яһаныҡ. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда республикала юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү күләме алты тапҡырға артты: 2012 йылда 500 млн һум булһа, 2017 йылда — 3 млрд һум. Бөйөр, бауыр, йөрәкте күсереү буйынса операциялар ғәҙәтигә әйләнде. Медицина хеҙмәттәренең уңайлылығы һәм сифаты күтәрелә, быға «Һаҡсыл поликлиника» проекты ла булышлыҡ итә. Был башланғыс сираттарҙы бер нисә тапҡыр ҡыҫҡартыу, анализдар тапшырыу һәм уларҙың һөҙөмтәһен алыуҙы тиҙләтеү, күберәк пациенттарҙы ҡабул итеү йәһәтенән отошло. «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын да билдәләп үтергә кәрәк, улар арҡаһында ауыл ерҙәренә 1,5 меңгә яҡын йәш белгес эшкә ҡайтты. Яңы һәм төҙөкләндерелгән һаулыҡ һаҡлау объекттары араһынан 130 урынға иҫәпләнгән Республика перинаталь үҙәген, Мишкә район дауаханаһының яңы хирургия үҙәген, Борай район үҙәк дауаханаһының яңы корпусын айырып билдәләргә мөмкин. Эштәр дауам итә: быйыл медицина объекттары төҙөү буйынса ҙур программа ғәмәлгә ашырыла башлай. Кәм тигәндә ун эре һаулыҡ һаҡлау объекты сафҡа инәсәк, улар иҫәбендә — онкология диспансерының палата корпусы, кардиология үҙәгенең яңы корпусы, Бөрөлә поликлиника, Октябрьский, Учалы ҡалаларында хирургия корпустары, бер нисә районда балалар поликлиникалары. Ауыл хужалығы Бөгөн республиканың агросәнәғәт комплексы тармағында 21 проект тормошҡа ашырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 67 млрд һумдан ашыу. Был 3 мең самаһы яңы эш урыны булдырыуға булышлыҡ итте. Ташламалы кредит биреү алымы уңышлы ҡулланыла. 2017 йыл менән сағыштырғанда ташлама менән кредит алыусылар һаны 1,4 тапҡырға артҡан. Республиканың ауыл хужалығы тармағының уңыштарын барлағанда, ил күләмендә эре мөгөҙлө мал иҫәбе һәм һыйыр ите етештереү буйынса — 1-се, һөт эшкәртеү буйынса 2-се урын биләүебеҙҙе әйтеп үтергә кәрәк. Дөйөм алғанда, Башҡортостан ауыл хужалығы продукциялары етештереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында — 8-се, Волга буйы федераль округында 3-сө баҫ-ҡыста килә. Аграр сектор үҫешенә ауыл хужалығы ойошмалары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тос өлөш индерә. Былтыр улар тарафынан 83 млрд һумлыҡ продукция етештерелгән. Республикала «Ғаилә малсылыҡ фермаһы» һәм «Эш башлаусы фермер» грант программалары уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Программалар эшләгән биш йыл дауамында (2012-2017 йылдар) 712 фермер 1,5 млрд һумға торошло ярҙам алған. Ошо ваҡыт эсендә ике мең самаһы яңы эш урыны булдырылған. Мәғариф Фән һәм мәғариф үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостанда күптән инде балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе махсуслашҡан учреждениелар уңышлы эшләй. Улар — лицейҙар, гимназиялар, ике кадет мәктәбе, айырым фәндәрҙе тәрәндән өйрәнеүсе белем усаҡтары. 570-тән ашыу мәктәптә профилле уҡытыу ойошто-ролған. Вуздар янында предуниверсарийҙар проекты тормошҡа ашырыла. Улар сығарылыш кластары уҡыусыларына, мәктәп программаһын үҙләштереүҙән тыш, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары етәкселегендә айырым фәндәрҙе ныҡлы өйрәнергә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә, өлгәш кимәле яҡшыра. Мәҫәлән, быйылғы БДИ йомғаҡтарынан күренеүенсә, күпселек фәндәр буйынса уртаса балдар күрһәткесе артҡан, насар баһа алыусылар һаны 4 процентҡа кәмегән, имтихандарҙа 81-ҙән юғарыраҡ балл йыйыусылар 2,4 процентҡа күберәк булған. Юғары уҡыу йорттарына килгәндә, белем биреүҙең сифатына ғына түгел, белгестәрҙең артабан эшкә урынлашыуына ла баҫым яһала. Университеттар республика предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, студенттар практика мәлендә үк үҙҙәрен күрһәтеп, киләсәктә эшле булыуҙы хәстәрләй. Эшкә урынлашыу күрһәткесе 72 проценттан (ӨДНТУ) 100-гәсә (БДМУ) кимәлдә билдәләнә. Юбилейҙы лайыҡлы ҡаршылайбыҙ Шулай итеп, 100 йыллыҡ юбилейҙы Башҡортостан ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Белеүебеҙсә, бер быуатлыҡ түңәрәк датаға арнап «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» проекты ғәмәлгә ашырыла. Улар иҫәбендә — мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәни үҙәктәр, китапханалар, поликлиникалар, спорт комплекстары, автомобиль юлдары. Был төҙөлөштәрҙең күбеһе тамамланған. Әлбиттә, өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалырға ярамай — киләсәккә яңы бурыстар билдәләнгән. Уларҙы беҙ, республика халҡы, бергәләп хәл итергә тейешбеҙ. Киләсәккә бурыстар 23 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең кәңәшмәһен уҙғарҙы. Сара төбәктең ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығындағы социаль-иҡтисади хәленә һәм яҡын киләсәккә билдәләнгән бурыстарға арналды. Башлыҡтың сығышынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостан өсөн төп маҡсатлы йүнәлеш — һәр ваҡыт илдең иң алдынғы ун төбәге исемлегендә булыу. Бының өсөн мөмкинлектәр ҙә, ресурстар ҙа етерлек. Дөйөм алғанда, беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары беҙ алып барған сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген раҫлай... Әммә халыҡ өсөн башҡа йүнәлештәр һәм күрһәткестәр мөһимерәк. Был – тәү сиратта лайыҡлы эш урындары, хеҙмәт хаҡы, имен йәшәү мөхите, белем алыу, сәләмәтлек һәм башҡалар. Беҙ һәр ваҡыт ошоларға бәйле күрһәткестәрҙе күҙ уңында тоторға, ябай халыҡтың тын алышын, нисек йәшәүен белергә тейешбеҙ. *** Беренсе ярты йыллыҡта бюджет 114 млрд һум табыш менән тулыланған. Был, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 21 млрд һумға күберәк һәм ил күләмендә иң яҡшы күрһәткестәр-ҙең береһе. Рәсәй төбәктәренең әлеге йүнәлештәге рейтингында 60-сы урындан икенселеккә күтәрелгәнбеҙ. 30 процентҡа тиң үҫеш динамикаһы бюджетҡа «Башнефть» компанияһының табыш һалымы инеүгә лә бәйле. Бынан тыш физик шәхестәр- ҙең килем һалымынан йыйылған аҡса ла ярайһы уҡ, йәғни 1,6 млрд һумға артҡан. Шул уҡ ваҡытта урындағы бюджеттарҙа бер аҙ көсөргәнеш тыуҙы. Муниципалитеттарға ярҙам итеү маҡсатында ябайлаштырылған система буйынса йыйылған һалымдың 40 процентын ҡала округы бюджеттарына йүнәлтергә тәҡдим итәм. Был уларға өҫтәмә рәүештә 1,7 млрд һумға торошло табыш килтерәсәк. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай көҙгөһөн ошо хаҡтағы закон проектын ҡараясаҡ. *** Төҙөлөш секторы. Күрһәткестәр 22 процентҡа кәмегән. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләйбеҙ. 870 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа ингән — был 15 процент тирәһенә кәм... Беҙ арзаныраҡ, шул уҡ ваҡытта сифатлы төҙөргә тейешбеҙ. Шәхси төҙөлөш үҫешенә ярҙам итеү зарур. Тармаҡты алға ебәреү өсөн яңы алымдар табырға кәрәк. *** Тыуым кәмей — былтырғы йылдың ғинуар-июнь айҙары менән сағыштыр-ғанда яҡынса 900-гә аҙыраҡ бала тыу-ған. Шул уҡ ваҡытта үлем күрһәткестәре арта. Хәл-торошто яҡшыртыу өсөн өҫтәмә саралар талап ителә. *** Йыл-йыл ярым элек беҙҙә сабый-ҙар үлеме күрһәткесе ете промилле тирәһендә ине. Ә быйыл – 5,5 промилле. Беҙ Рәсәй Федерацияһы, Волга буйы федераль округы буйынса һуңғы урындарҙан күтәрелә алдыҡ һәм Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәргә яҡынланыҡ. Әгәр киләсәктә лә был юҫыҡта етди, төптән уйланған эшмәкәрлек алып барһаҡ, әлбиттә, бөтөнләй икенсе күрһәткестәргә эйә буласаҡбыҙ. *** Республиканың 100 йыллығына тағы берҙе туҡталып үткем килә. Юбилей объекттары буйынса эштәр ваҡытында тамамланырға тейеш. Төбәгебеҙҙе ҙур, шул иҫәптән халыҡ-ара саралар сиктәрендә танытырға тейешбеҙ. Был ваҡиғаны киң даирәлә, һәр кемдең иҫендә ҡалырлыҡ итеп үткәреү бурысы тора. 2017 йылда БР-ҙа: 453 ихата һәм йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән;мәҙәниәт өлкәһен финанслау күләме 7,7 млрд һумдан ашыу тәшкил иткән;70 процентҡа яҡын балалар өҫтәмә белем ала
«Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» проекты геройы, Рафиҡ Хужин, элекке афғансы, пенсионер мәсет төҙөп, Краснокама районының Яңы Ураҙа ауылында имам-хатиб булып киткән. Башҡортостанда ауыл старостаһы үҙе мәсет төҙөп, имам булып киткән Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Рафиҡ Хужин тракторсы һөнәрен ала. Псковта ярты йыл уҡығандан һуң ул Һауа-десант ғәскәрҙәре яугиры сифатында карталағы ҡыҙыу нөктәгә – Афғанстанға оса. Бөгөн имам-хатип биографияһының ҡанлы биттәрен телгә алырға яратмай, шул саҡта уҡ Аллаға доға ҡылғанын иҫендә тота. Һалдат демобилизацияланғандан һуң ғүмеренең һәр минутын ҡәҙерләй башлай, һөйгәненә өйләнә, нефть тармағына эшкә урынлаша һәм шунан һуң хаҡлы ялға сыға. Уның балалары ла нефтсе һөнәрен үҙ итеп, атаһы юлынан китә. 2016 йылда Хужин, ҙур булмаған ауылда мәсет етмәй, тигән уйға килә. Урынды һайлап, хакимиәт етәкселеге менән килешеп эш итә. Төҙөлөшкә ир күп көс, ваҡыт һәм аҡса түгә. Уның әхлаҡи башланғыстарҙы тергеҙергә ынтылышы көслө була, шуға күрә мәсет һалына, ә ул үҙе имам булып китә. Ике йылдан һуң ике ауыл халҡы Рафиҡ Хужинды староста итеп һайлай. Уның етәкселегендә зыярат ҡоймаһы алмаштырыла. Хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, һалдаттарҙың тол ҡатындарына ла ярҙам итә.
Йомшаҡ ҡына, иркә генә бесәйҙәрҙе кем генә яратмай икән! Ә бына Өфө ҡалаһындағы Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән бер ир бөтәһен дә аптыратып фатирында 30(!) бесәй аҫраған! Яңғыҙ ғүмер кисергән кешегә улар иптәш тә, йыуаныс та булғандыр инде. Үткән заманда яҙырға тура килә, сөнки яңыраҡ ир үлеп киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бесәйҙәрҙең дә яҙмышы аяныслы тамамланған: кемдәрҙер уларҙы ла хужаһы артынан мәңгелек йоҡоға талдырған... Бер юлы шул тиклем йорт хайуанын үлтереүҙәре тураһында ишеткән дә, күргән дә юҡ ине әле быға тиклем. Фатирҙы йыйыштырырға килгән клининг компанияһы хеҙмәткәрҙәре аш бүлмәһендәге кухня гарнитуры артында мөйөшкә һырынған бесәй балаһын табып ала. Теге утыҙҙан тик ул ғына йәшенеп ҡалған, ти улар. Тәүҙә кешеләргә яҡын да килмәй, ашамай ҙа – бик ныҡ ҡурҡҡан хәлдә була, ә аҙаҡ яйлап өйрәнә. Әле ирекмәндәр ошо бесәй балаһын яҡшы ҡулдарға тапшырырға уйлай. Изге күңелле кешеләр күп ул, етем ҡалған бесәй балаһына ла ипле хужа табылыр, ти улар. Беҙ ҙә шулай булырына бик ныҡ ышанабыҙ.Башҡортостан гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 1» федераль каналы эфирында Владимир Соловьев программаһында республикала яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле хәлде аңлатты. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 107 осраҡ раҫланған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 1» федераль каналы эфирында Владимир Соловьев программаһында республикала яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле хәлде аңлатты. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 107 осраҡ раҫланған. «Хәҙер төп хәл Республика клиник дауаханаһында, — тине республика етәксеһе. — Бының ҡайҙан килеп сыҡҡанын, сәбәптәрен тикшереү менән шөғөлләнеү минең эшем түгел. Мине унда карантинда ҡалған 1200 пациентың һәм табиптың хәле борсой». Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Республика клиник дауаханаһы табиптары һәм пациенттары менән бәйләнешкә ингән 3000 самаһы кеше COVID-19 йоҡтороу буйынса хәүеф зонаһына эләккән. Улар менән ведомство-ара бригадалар эшләй. «Мин киҫкенләштермәҫ инем. Ҙур шау-шыу ҡупты, беҙ, әлбиттә, һәр төрлө ярҙамды ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. – Республика клиник дауаханаһына килгәндә, экрандан табиптарға рәхмәт әйтергә һәм ундағыларға түҙемлек теләргә. Ошо дауаханалағы бер ханым менән ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды. Ул кредит өсөн түләүҙе генә һораны. Ә ир-егеттәр тиҙерәк сығарыуҙы һорай, сөнки уларға ғаиләһен ашатыу өсөн эшләргә кәрәк». Шулай уҡ Башҡортостан башлығы пациенттарҙың һәм табиптарҙың Республика клиник дауаханаһында кәмендә 20-21 апрелгә тиклем ҡаласағын әйтте. "Башинформ". Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумы Өфөлә эш башланы. Ул хәүефһеҙ үтһен өсөн бөтә һаҡланыу ҡағиҙәләре үтәлә, ҡатнашыусылар һаны 300-ҙән артмаясаҡ, ҡалғандар уны онлайн-режимда ҡараясаҡ, тип хәбәр итте форумдың матбуғат хеҙмәте. Форумда ҡатнашҡан һәр кем коронавирусҡа тест бирә ала, майҙанда дүрт медицина автомобиле урынлаштырылған, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ярҙамға килергә әҙер. Экспресс-тест ун минутта әҙер була. Форум программаһына ярашлы пленар ултырыш һәм ундан ашыу секция эшләйәсәк. Исемдәренән күренеүенсә, Һәр береһе көнүҙәк, ҡыҙыҡлы: “Милли проекттарҙан - шәхси башланғыстарға”, “Ҡалалар - кешеләр өсөн”, “Төбәкте үҫтереү өсөн глобаль брендтар”, ”Башҡортостан Республикаһы – үҫеш потенциалы” һәм башҡалар. Бына бер ҡыҙыҡлы, мөһим тема: пандемия осоронда өлкән быуын иң ҙур хәүеф тыуҙырған төркөм булды. Уларҙың һаулығын һаҡлау, ярҙам итеү буйынса мәғлүмәт һәм йәмәғәт кампанияһы ойошторолдо, пенсионерҙарҙың физик әүҙемлеге кәмеүе, арыу-талыу, яңғыҙлыҡ изоляция шарттарында уларға насар йоғонто яһамаһын өсөн дәүләт бөтә сараларҙы күрҙе. Ошо хәлдән сығып, тәжрибәне йомғаҡлап, бөгөн ниндәй һығымта яһап була? Өлкән быуын яңы социаль ысынбарлыҡҡа тиҙерәк яйлашһын өсөн хәҙер ниндәй саралар ҡабул итеү кәрәк? Йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында ҡалаларҙа ниндәй программаларҙың эшләүе шарт? Халыҡ-ара форумда ошо мәсьәләгә лә иғтибар биреләсәк. Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы - төбәктәр үҫешендә ҡеүәтле драйвер булырҙай, илленән ашыу тармаҡтың сәскә атыуына булышырҙай оло тармаҡ. Халыҡ-ара туризм пандемия осоронда ҙур юғалтыу кисерҙе, тимәк, уны тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу өсөн яңы идеялар талап ителә. Башҡортостан - традицияларҙы, миллилекте һаҡлау буйынса яҡшы өлгө. Тарихи урындары, ҡабатланмаҫ тәбиғәте менән билдәле төбәктәр беҙҙә етерлек, уларҙы тағы ла сағыуыраҡ итеү, туристарҙы йәлеп итеү тураһында ла форум үҙ һүҙен әйтер, ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғырар, тип өмөтләнәбеҙ. Фото: ”Башинформ”. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Nind-y-m-s-l-l-r-arala-345129/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ошо көндәрҙә райондың “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” бүлексәһе “Йәштәр нимә теләй?” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Сарала “Йәш гвардия” ағзаларынан тыш, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә битараф булмағандар әүҙем йәштәр ҡатнашты. Ошо көндәрҙә райондың “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” бүлексәһе “Йәштәр нимә теләй?” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Сарала “Йәш гвардия” ағзаларынан тыш, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә битараф булмағандар әүҙем йәштәр ҡатнашты. Уның етәксеһе А.В.Тиунова кәңәшмәлә йәштәрҙең ял итеү урындарын асыҡлау, интернет селтәрендә нидәй майҙансыҡтарҙа күберәк ваҡыт уҙғарыу, уларҙың йәмәғәткә, иҡтисадҡа, сәйәсәткә, дәүләткә ыңғай һәм кире ҡараштары тураһында әңгәмә ҡорҙо. Шул уҡ ваҡытта замандаштар үҙҙәрен борсоған һорауҙар күтәреп, йәшәү шарттарын, демографияны үҫтереү, ауылдарҙа төпләнеп ҡалыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Альберт Рәхимов. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Район үҙәгенә ингән урында, урман хужалығы янындағы матур ҡайынлыҡта эштәр гөрләй. Тап ошо ерҙә афған һалдаттарына һәйкәл ҡалҡасаҡ. Район үҙәгенә ингән урында, урман хужалығы янындағы матур ҡайынлыҡта эштәр гөрләй. Тап ошо ерҙә афған һалдаттарына һәйкәл ҡалҡасаҡ. Яугир-ветерандар — Күсемдән Исмәғил Билалов, Ташбулаттан Рафаэль Фәхретдинов, Илгиз Ибраһимов, Зөлфәр Ялалов, Асҡарҙан Радий Мөхәмәтов, Альберт Әһелов, Рафиҡ Ғималетдинов, Мәхмүттән Фәнис Ғәзизов, Рафил Килдейәров, Красная Башкириянан Миңлеғәле Ғималов, Әбделмәмбәттән Зәбир Моратшин өмәгә сығып, һәйкәл урынлашасаҡ нигеҙҙе нығытыу, юл һалыу менән мәшғүл. Бында ҡырсынташ түшәлгән, уны тигеҙләргә кәрәк. Әлмөхәмәттән тракторы менән килеп еткән Әхмәт Ғәлиәкбәров ҡул көсө етмәгән ауыр эште башҡара. Йәмил Шаһимәрҙәнов һәйкәл өсөн эре-эре таштарҙы үҙенең «КамАЗ»-ында алып килеп ауҙарған. Марат Әминев, Илгиз Хәйризаманов, Мәүлит Әхмәтов дөйөм эштән ситтә ҡалмайҙар. — Август башына өлгөртөргә ине иҫәп. Егеттәр бик әүҙем, ихлас тотондо, һәр саҡ тыңлайҙар, рәхмәт уларға, — ти эште ойоштороусы Самат Фәхретдинов. — Ғөмүмән, кемгә генә мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙамдан баш тартмайҙар. Район Советы депутаты Айрат Әминев, ДРСУ начальнигы Ринат Аҡсурин изге эшкә үҙҙәренең өлөштәрен индергән. Афған ветерандары үҙҙәре 90 мең һум аҡса йыйған. Һәйкәлде Магнитогорск ҡалаһы скульпторы Сергей Елкин эшләйәсәк. Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән совет һалдатын һынландырған һәйкәл янында таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Киләһе йылға совет ғәскәрҙәренең утлы Афғанстан еренән сығарылыуына 30 йыл туласаҡ. Һуғыш яфаларын үҙ баштарынан кисергән ир-азаматтарҙың данын сағылдырған һәйкәл әбйәлилдәр өсөн иҫтәлекле урынға әйләнәсәк. Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Яңыраҡ Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусы үҫмер уҡытыусыһы өҫтөнән республика Башлығы исеменә ялыу яҙған. Яңыраҡ Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусы үҫмер уҡытыусыһы өҫтөнән республика Башлығы исеменә ялыу яҙған. Дима (исеме үҙгәртелде) уҡытыусыһының мөнәсәбәте менән килешмәй. Килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү өсөн был мәктәпкә бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова үҙе барҙы. "Уҡытыусы менән уҡыусы араһында аңлашмаусанлыҡ каникулға сығыуға бер көн ҡалғас килеп тыуған, - ти омбудсмен. - Үҫмер егет уҡытыусыһының үҙен тотошо менән килешмәгән һәм үҙенең намыҫын, исемен аҡлар өсөн Радий Хәбировҡа хат яҙырға булған. Беҙ ул уҡыған мәктәптә булдыҡ. Диманың үҙе, ата-әсәһе, уҡытыусыһы, мәктәп директоры, психолог һәм социаль хеҙмәткәр менән һөйләштек. Нисек уҡый, дәрес ҡалдырмаймы, иптәштәре һәм башҡа уҡыусылар менән мөнәсәбәте нисек - үҫмер менән беҙ ололарса диалог ҡорҙоҡ. Эйе, был хәлдә Дима үҙенең лидерлыҡ һәләттәрен күрһәтә алған. Шуға ла әңгәмәне ысын лидер үҙен нисек тоторға тейешлеге, ихтияр көсөн, ныҡышмалыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыу кеүек сифаттарҙы нисек үҫтерергә һәм ҡайһы осраҡтарҙа ҡулланырға - бына шул юҫыҡта алып барҙыҡ. Конфликт хәл ителде, әммә артабан ни булыр - мин үҙем был ситуацияны күҙ уңында ул тулыһынса яйға һалынғансы күҙәтәсәкмен". Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Бәләкәй генә бөжәктең ҙур бәләгә килтереүе ихтимал икәнен онотмағыҙ. Унан һаҡланыу йәһәтенән кәңәштәр - яҙмала. Һаҡ булығыҙ: талпандар уянған! Яҙғы көндәр етеү менән талпандар ҙа үҙҙәренең һунарын башлай. Апрель башланғас уҡ уларҙан тешләнгәндәр һаны бермә-бер арта, белгестәргә мөрәжәт итеүҙәр күбәйә. Бәләкәй генә бөжәктең ҙур бәләгә, хатта ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуға килтереү ихтималлығын оноторға ярамай. Көндәр бер аҙ йылыныу менән күптәр тәбиғәт ҡосағына ашыға. Әммә был мәлдә уяулыҡты юғалтмау мөһим. Талпандан һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ, түбәндәге беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалығыҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда асыҡ төҫтәге кейем һайлау, еңдәрендә манжеттары булған спорт костюмы, салбар балаҡтарын ойоҡҡа ҡыҫтырып кейеү кәрәк. Шулай уҡ футболка йәки күлдәкте лә салбарға ҡыҫтырып ҡуйығыҙ. Башҡа яулыҡ бәйләп йә башлыҡ кейеп йөрөгөҙ. Урман-ҡырҙа ике сәғәт һайын, бөжәк йәбешмәнеме икән тип, өҫтөгөҙҙө тикшереп, ҡаҡҡылап тороғоҙ. Шулай уҡ талпандарҙы ҡурҡыта торған махсус саралар ҡулланығыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Халыҡ ҡулланған сараларҙан эвкалипт майының талпандарҙы ҡурҡытыуы билдәле. Һаҡланғанды һаҡлармын, тиелә динебеҙҙә. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотоу ҙур бәләнән йолоп ҡалыр. Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар! Фото: oskol.city Автор:Карима Усманова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Уҙған ҡышҡы миҙгелдә беҙҙең оҙаҡ көткән өмөттәребеҙ тормошҡа ашты. Йәш саңғысыларыбыҙ мәктәп уҡыусылары араһында Башҡортостандың йыйылма командаһы составына инде. Быға республика ярыштарында уңышлы сығыштары менән лайыҡ булды улар. Ә июлдә һәм августа улар Благовещен районы һәм Өфөлә республика спорт базаларында сборҙарҙа булды, бында күнекмәләрҙе тәжрибәле, абруйлы белгестәр алып барҙы. Амаль юғары үрҙәр яулай Амаль Латипов әле 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 11 класына бара. Мәктәптән һуң киләсәктә уҡыу пландары булған бик етди үҫмер. Ә спортта тәьҫораттары шулай уҡ бихисап. - Күптән түгел Өфөлә сборҙарҙа булдым, - тине ул. - Ҡалалар һәм райондарҙан да йыйылған егеттәр менән СССР спорт мастеры Хәйҙәр Йәүит улы Кинйәғолов шөғөлләнде. Амаль 11 йәшендә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Фәрит Хәмиҙуллинда саңғыла шөғөлләнә башлай. Бик яҡшы остаз булып сыға. Һәләте һәм маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән был үҫмер оҙаҡламай район кимәлен дә үтеп китерен һиҙә. Шулай була ла. Уны төрлө ярыштарға йөрөтә, һәм Амаль һәр ваҡыт призерҙар иҫәбенә инә, һәм күпселек осраҡта еңеү яулай. Ә 2017 йылдың мартында бөтөнләй тотош республиканы хайран ҡалдыра тиерлек. 14 йәшендә ул 20 километрлы дистанцияға (үҫмерҙәр төркөмөндә) стартҡа баҫа. Традицион Өфө саңғы марафонында үҙенән өс-дүрт йәшкә өлкәнерәктәрҙе артта ҡалдырып, финишҡа икенсе булып килә. Уның әсәһе Альбина Альберт ҡыҙында (ул мәктәптә эшләй) улының ҡаҙаныштарының ҙур исемлеге бар. Барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Шуға күрә ҡайһы берҙәрендә генә туҡталып үтәм. 2016 йылда Башҡортостандың Мәктәп уҡыусылары спартакиадаһының финал ярыштарында еңеү яулай. Ә бына 2018 йыл. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры В.Новожиловтың иҫтәлегенә традицион саңғы марафонында (Ишембай ҡалаһында) еңеү. Башҡортостан Кубогы этабында (Белоретта), республика беренселегендә беренсе һәм икенсе урындар (ике осраҡта ла - ун километрлы ике дистанцияла). 2019 йыл тағы ла уңышлыраҡ була. Рәсәй мәктәп уҡыусыларының IX ҡышҡы спартакиадаһы даирәһендә БР беренселегендә, масс-стартта республика чемпионатында, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры А.Книсс иҫтәлегенә ярыштарҙа (Өфөлә), Стәрлетамаҡ ҡалаһында асыҡ беренселектә еңеүҙәр. Саңғы спринтында республика чемпионатында икенсе призер була. Өфө саңғы марафонында 30 км дистанцияла ышаныслы еңеү яулауы уның иң ҙур ҡаҙанышы була. - Ә мин тағы ла март айында Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһында ярыштарға барып ҡайттым, - тип өҫтәне Амаль. - Мине һәм тағы бер саңғысыны унда Салауат ҡалаһынан тренер Владимир Николаевич алып барҙы. Ул Фәрит Әхмәт улының дуҫы. - Шунан нисек сығыш яһаның? - Өлкәндәр менән бергә 20 километрлыҡ дистанцияла ярыштым. Еңеүсенән ике секундҡа ғына ҡалып, финишҡа икенсе булып килдем. Уның менән әңгәмәләшкәндән һуң ҙур энтузиаст Амалдең киләсәккә лә шундай ҙур пландар менән йәшәүе аңлашылды.
Уларҙың да күбеһе туған мәктәбе менән хушлашасаҡ икәне билдәле. Хәйбулла районының Әбеш мәктәбендә быйыл да ун беренселәр булманы, ә ту­ғыҙынсыны 12 уҡыу­сы тамамланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: был балалар­ҙың 11-е төрлө ауылдарҙан – Үрнәктән, Бәләкәй һәм Ҙур Арыҫланғолдан, Һаҡмар-Наҙарғолдан, Аҡъюлдан, Ғәлиәхмәттән. Ә Әбештән – берәү генә. – Уҡыусыларымдың күбеһе интернатта ятып уҡыны. Унда бөтә уңайлыҡтар, шарттар бар, береһе лә зарланманы. Синыфыбыҙ ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә булды. Улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ине. Бигерәк тә Гөлназ Фәрит ҡыҙы һәм Гөлназ Ғүмәр ҡыҙы Суриналарға, Гөлсәсәк Тимерйән ҡыҙы Ҡыҙрасоваға, Фариза Хөсәйен ҡыҙы Суринаға, Илгиз Рауил улы Ҡырғыҙбаевтарға рәхмәт әйткем килә. Спортсылар күп булды синыфымда. Мәҫәлән, Ғәзинур Ҡыҙрасов, Илнар Биктимеров, Ләйсән Билалова, Арыҫлан Евтеев, Илнар Ильясовтар. Ә уҡыуҙан Ирәндек Сурин, Ольга Панова, Марсель Дәүләткилдин, Ғәлиә Сурина, Айгизә Юнысова, Илнар Ибраһимовтар шәп булды. Был синыф менән бишенсенән алып эшләйем. Үҙҙәренә ныҡ өйрәнеп киттем. Бер туғандар кеүекбеҙ. Уҡыусыларымдың имтихандарын матур ғы­на тапшырыуҙарын теләйем, – ти синыф етәк­сеһе Венера Тимерйән ҡыҙы Әми­нева. М. ХӘЙБУЛЛИН. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
2021 йылдан алып хеҙмәт юлын башлап тороусылар өсөн тик электрон хеҙмәт кенәгәләре генә асыласаҡ. Ҡалғандар әлеге ҡағыҙ вариантҡа ла тоғро ҡала аласаҡ. Бөгөн, 17 сентябрҙә, ошо турала закон проекты беренсегә уҡылды. Электрон кенәгәлә башҡарылған эш, вазифа, икенсе эшкә күсеү, эштән китеү, хеҙмәт килешеүен өҙөү тураһында мәғлүмәттәр буласаҡ. Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә һәм эксперттарҙың баһаһы буйынса, яҡынса 60 млн гражданға, 8,4 млн хужалыҡ субъектына ҡағыласаҡ. 2020 йылдың дауамында хеҙмәткәрҙәр электрон хеҙмәт кенәгәһенән баш тартып, ҡағыҙ документты һайлай ала. Бының өсөн ғариза яҙыу талап ителәсәк. 1 ғинуарға тиклем ғариза яҙмағандар 2021 йылда ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен ҡулына аласаҡ, сөнки эш биреүсе уны һаҡлау яуаплылығынан арына. Ә яңы эш башлаусылар алдында һайлау булмаясаҡ - уларға мотлаҡ электрон хеҙмәт кенәгәһе генә асыласаҡ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе Фәниә Йомағолова бәхетле әсәйҙәрҙең береһе. Бер йортта дүрт быуын матур ғүмер итә. Ҡәйнә - килен татыулығы, йәғни килендәренең үҙенә ҡарата һәйбәт мөнәсәбәте, ҡәҙер-хөрмәткә сорналған әни, нәнәй, ҡартнәнәй булыу шатлығы уны бәхетле итә. Фәниә Ғилметдин ҡыҙы һуғыш алды йылында Бурлы ауылында тыуып үҫә. Шул осорҙа тыуған барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек уға аслығын да, яланғаслығын да татып үҫергә тура килә. Ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, аң-белемгә ынтылышы көслө була уның. Тыуған ауылы мәктәбен тамамлағас, бәләкәйҙән рус теле уҡытыусыһы булырға хыялланған ҡыҙ Өфөләге пединститутҡа документтарын тапшыра. Әммә имтихандары буйынса бер балл ғына етмәй, икенсе факультетта уҡырға өгөтләһәләр ҙә, ризалашмай, шулай итеп, бала саҡ хыялы тормошҡа ашмай ҡала. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, һуғыштан һуңғы осорҙа колхозды аяҡҡа баҫтырыуҙа, һәр төрлө эштәрҙә уңғанлыҡ күрһәтә. Тыуған мәктәбендә пионервожатый булып эшләп тә ала. Артабан хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы теген фабрикаһында да-уам итә. Тап ошонда эшләп йөрөгәндә, 1959 йылдың ғинуарында яҙмышында көтөлмәгән хәл була. Бер-береһе менән күрешеп йөрөгән Еҙем-Ҡаран ауылы егете Рәис Йомағолов тимерҙе ҡыҙыуында һуға, өйләнешеү ҡарары менән ҡыҙ янына килеп, һөйгәнен ауылға алып ҡайта. Ауылда Йомағоловтар ғаиләһе барлыҡҡа килеп, һәр кемгә өлгө булып, 52 йыл бергә матур ғүмер кисергәндәр. Әммә ғаилә башлығы Рәис Йәләлетдин улы бынан 10 йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Ғаиләлә бер-бер артлы өс балалары – Раил, Рәйлә, Рәмил донъяға килә. Хәҙер улар үҙҙәре күптән атай-әсәй, олатай-өләсәй ҙә. Фәниә апай әние Вәсбикамалды үҙе янына алып, тормош иптәше менән 33 йыл хәстәрлек күрһәтеп йәшәп, матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатҡандар. Еҙем-Ҡаран ауылы килене хәҙер бында күптән үҙ кешегә әйләнгән. Фәниә апай 3 ейән, 2 ейәнсәрҙең, 3 бүлә, 1 бүләсәрҙең һөйөклө нәнәй, ҡартнәнәйе лә. Тырыш, уңған, һәр эште еренә еткереп башҡарырға күнеккән Фәниә Ғилметдин ҡыҙы Еҙем-Ҡаранға килен булып төшкәс, мәктәптә пионервожатый, теген оҫтаханаһында тегенсе лә була. Мәктәпкә эштәр башҡарыусы (делопроизводитель) итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул хаҡлы ялға сыҡҡансы ике тиҫтә йыл һуҙымында лайыҡлы хеҙмәт итә. -Бала сағымда һуғыш афәте күреп үҫһәм дә, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыһам да, Аллаға шөкөр, ҡартлығым бәхетле. Үҙебеҙҙең, йәғни атай нигеҙе янында яңы йорт һалып сыҡҡан улым Раил һәм киленем Зөлфиә менән бергә татыулыҡта йәшәйбеҙ. Ейәнем Рөстәм, киленем Айгөл, бүләрҙәрем дә янымда. Балаларымдың башҡалары ла йыш ҡунаҡ. Инде үҙҙәре олатай-өләсәй булған балаларым, килен-кейәүҙәрем хөрмәт итә, ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем өҙөлөп тора. Киленем менән һүҙгә килешкәнебеҙ, йәмһеҙләшкәнебеҙ юҡ, бигерәк тә уның ярҙамын, хәстәрлеген тойоп йәшәйем, уға һәм балаларыма рәхмәтлемен. Балаларым – шатлыҡтарым, татыулыҡта йәшәгәс, үҙемде бәхетле тоям, тимәк, дөрөҫ тәрбиә биргәнбеҙ, - ти, ҡыуанысы менән уртаҡлашып, бәхетле әсә Фәниә Ғилметдин ҡыҙы. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған, тик яҡшылыҡ ҡына уйлап йәшәгән зирәк Фәниә апай һәр атҡан таңға, тыныс, иркен тормошҡа шөкөр итеп, балаларына изгелек орлоҡтары сәсеп, нурлы йорттарының ҡотон һаҡлап, тотҡаһы булып, өс быуынды бергә туплап, сабырлыҡ өлгөһө булып ғүмер йомғағын һүтә. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Фольклориаданы уҙғарыу тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3-10 июлдә Өфөлә һәм республика райондарында Халыҡ-ара фольклор фестивален ойоштороу планлаштырыла. «Ошо Фольклориаданы ике йыл көттөк. Ул Бөтә донъя ойошмаһы, илебеҙ Президенты бойороғо менән үткәрелә. Беҙ шул тиклем әҙерләндек, беҙҙә 22 муниципалитет бар, артистар әҙерләнде. Әлеге ваҡытта Фольклориада була тигән ҡарар ҡабул итәбеҙ. Асылда, бығаса булмағанса вакцинация, анализ биреү осраҡтарында коронавирус инфекцияһын индереү хәүефе юҡ — был мөмкин түгел. Кешеләрҙең күпләп йыйылыуы ҙур хәүеф тыуҙыра, был хаҡта уйларға кәрәк», — тине Радий Хәбиров. Фольклориада — ҙур сағыу ваҡиға, санитар-эпидемиологик хәл уны уҙғарырға мөмкинлек бирә, аҡыллы эш итергә генә кәрәк. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында Фольклориаданы асыу тантанаһына ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ғына индерелә, Өфөнөң «Тулҡын» паркында, «Беренсе Май» мәҙәниәт һәм ял паркында, Дим районының мәҙәниәт һәм ял паркында тура трансляция була. 4-9 июлдә Фестивалдең башҡа концерттары һәм 10 июлдә Фольклориаданы ябыу тантанаһы Өфө амфитеатрында һәм Башҡортостан муниципалитеттарында асыҡ һауала ойошторола. https://www.bashinform.ru/news/1611416-folkloriada-budet-prokhodit-ugrozy-zavezti-infektsiyu-net-radiy-khabirov/ Ләйлә Аралбаева Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Һүрәт анимацияһы техникаһында өс-дүрт минутлыҡ биш фильм күңел асыу контентынан тыш, белем биреү йүнәлешендә лә төшөрөләсәк. Йәнһүрәттәр күңелле генә түгел, файҙалы ла буласаҡ. «Әле эште яңы башлап ебәрҙек – әкиәттәр һайлайбыҙ, сценарийҙар яҙабыҙ, рәссамдар персонаждар уйлап сығара, эскиздар төшөрә. Һәр фильм төрлө жанрҙа һәм төрлө художество стилендә башҡарыласаҡ. Халыҡ көйө ҡулланыласаҡ», — тип һөйләне режиссер Рим Шәрәфетдинов. Картина өҫтөндә республиканың бер нисә йәнһүрәтсеһе эшләй. Проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 2,2 миллион һум күләмендә Башҡортостан башлығы грантын алды. Проект менән 2019 йылдың декабрендә таныштырыу күҙаллана. Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты ярҙамында 2019 йылда заманса тел ресурстары, аудиокитаптар, йәнһүрәттәр барлыҡҡа киләсәк, балалар өсөн донъя әҙәбиәте классиктарының тәржемәләре башҡорт телендә нәшер ителәсәк, фестивалдәр, байрамдар һәм мәҙәни-мәғәриф акциялар уҙғарыласаҡ. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы – 72 миллион һумдан ашыу. shonkar.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Кисә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Автодор” дәүләт компанияһының эшлекле иртәнге ашында ҡатнашты. Унда “Автомобиль мегапроекттары: яңы заман талаптары” тигән тема буйынса фекер алыштылар. Осрашыуҙы асып, “Автодор” дәүләт корпорацияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко илдең транспорт селтәрен үҫтереүҙең төп эш йүнәлештәре һәм стратегик өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне. Улар иҫәбенә Башҡортостан биләмәһе аша үтәсәк юғары тиҙлекле М-12 автомобиль юлын төҙөүгә ҡағылған күләмле проект та инә. – Яңы М-12 трассаһы Рәсәйҙең ҙур агломерацияларын тоташтырасаҡ, – тине Вячеслав Петушенко. – Әле логистика сылбырын глобаль үҙгәртеп ҡороу шарттарында был проект ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә беҙгә ил төбәктәре менән тығыҙ бәйләнештә эш итергә кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәрендәге коллегаларын республиканың төп инфраструктура проекттары менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, бер үк ваҡытта бер нисә магистраль мегапроекттың тормошҡа ашырылыуы - республикабыҙ тарихында булмаған хәл. Республика етәксеһе Өфөнән көнсығыш яҡлап М-5 “Урал” трассаһына сығыу юлын һалыуҙы, Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлын реконструкциялауҙы һәм юғары тиҙлекле М-12 яңы федераль трассаһының бер өлөшөн төҙөүҙе телгә алды. М-12 трассаһы иҡтисадтың тағы ла бер секторын – юл буйы сервисын үҫтереүгә этәргес бирә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙгә был йүнәшлеште үҫтереү мөһим. Әле республикала “әҙер ҡарарҙар магазины” асылған – трассалар буйында 400 потенциаль майҙансыҡ тәҡдим ителә. Уларҙа бизнес проекттарын тормошҡа ашырырға мөмкин. – Башҡортостанда юл төҙөлөшө әүҙем бара. Беҙҙә компетенция, заманса техника һәм, иң мөһиме, үҫергә теләк бар. Иҡтисади хәл төбәккә яңынан-яңы инвестициялар талап итә, һәм беҙ ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы. Фото: glavarb.ru/rus/press Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press Автор:Лилия Давлетбакова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостан Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә. Был мөһим халыҡ ижады фестивале республикала 18 июлдән 1 авгусҡаса үтәсәк. Фольклориадаға 80 - дән ашыу илдән 3 меңгә яҡын артист килеүе көтөлә. Район һәм ҡалаларҙа ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү һәм байрам сараларын үткәреү өсөн 72 майҙансыҡ әҙерләнә. Ошондай майҙансыҡтың береһе Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында буласаҡ. Урындағы мәҙәниәт йортоноң "Ивушка" фольклор ансамбле коллективының исеме лә, уларҙың боронғо рус халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп, оҫта башҡарыуы ла республика халҡына яҡшы таныш. Әле улар фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршы алыу өсөн репертуар һайлай, яңы йырҙар өйрәнә. Башҡортостан Башлығы гранты һәм "Башҡортостан рустары соборы" йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында был ансамблдең аҫыл, боронғо йырҙары тупланған альбомы сыҡты. Ошо уңайҙан презентациялау сараһына йыйылғандар "Ивушка" ның ижадына бағышланған был матур альбомды ҡулына алып бер шатланһа, ә сит ил ҡунаҡтарына ул мәңгелек иҫтәлек булып ҡалыр. Мәғлүмәт "Өфө үҙәндәре" гәзите сайтынан алынды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Быйыл Башҡортостан Төркиәлә һәм Австрияла сауҙа вәкиллектәрен аса, Италия буйынса мәсьәлә өйрәнелә. 9 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республика Хөкүмәтенең 2018 йылдағы эше тураһында отчет менән сығыш яһағанда ошо хаҡта белдерҙе. «Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә килгәндә, беҙ һуңғы 10 йылда иң түбән кимәлдә торабыҙ. Сит ил инвестициялары күләме буйынса ла шул уҡ хәл. Ҡараштарыбыҙҙы үҙгәртергә кәрәк. Төбәктең Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында компанияларыбыҙ дүрт халыҡ-ара күргәҙмәлә һәм бизнес-миссияларҙа ҡатнашты. Быйыл 20-нән ашыу ошондай сара күҙаллана. Донъя баҙарында республикабыҙҙы, Башҡортостан продукцияһын үҫтереү буйынса «агрессив» сәйәсәт (яҡшы мәғәнәлә) алып барырға, ҙур халыҡ-ара иҡтисади форумдарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға йыйынабыҙ», — тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы, йыл һайын республика Хөкүмәтенең эше тураһында отчет тәҡдим ителә. http://www.bashinform.ru/news/1294899-radiy-khabirov-bashkiriya-otkroet-torgpredstva-v-turtsii-avstrii-i-italii/ Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
22 апрелдә иртән рәсәйҙәр менән ике рейс Ҡазан аэропортына төштө. Береһе – Һиндостандың Гоа штатынан, икенсеһе – Төркиәнең Анталья ҡалаһынан. Беренсе самолетта Башҡортостандан – 21, икенсеһендә 29 пассажир ине. Өфөләрҙе һәм республикала йәшәүселәрҙе Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов үҙе ҡаршы алды. «Туристарыбыҙҙы тыуған иленә алып ҡайтыу өсөн ике «Башавтотранс» автобусы йәлеп ителде, — тине дәүләт комитеты етәксеһе. – Бөтәһен дә обсерваторға – «Йәйғор» шифаханаһына алып барабыҙ». Ҡайтҡан пассажирҙар араһында «Спутник ФМ» радиостанцияһының популяр алып барыусыһы, шоумен Борис Быстров та бар. «Беҙҙе Салауат Таһир улы үҙе ҡаршы алды. Бөтәһенә лә ҡоро паек килтергән, шуға бер кем дә ас ҡалманы, — тине «Башинформ» агентлығына бер ай урынына ике ай Һиндостанда булған Гоа-Ҡазан рейсы пассажиры. – Башҡортостан туристары үҙҙәрен һәйбәт хис итә, береһенең дә температураһы һәм коронавирустың башҡа билдәләре юҡ». Бынан алда Таиландтан ҡайтҡан туристарҙы Өфө обсерваторына урынлаштырыуҙары тураһында хәбәр ителгәйне. http://www.bashinform.ru/news/1442094-50-turistov-iz-bashkirii-vernulis-v-rossiyu-iz-turtsii-i-indii-/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Теги: коронавирус, Башҡортостан, туристар, Төркиә, Һиндостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Йыл ярым элек Йәштәр үҙәгенең «ҠАҺАРМАНЛЫҠ» хәрби-патриотик клубында уның етәксеһе Илнур Рәфил улы Әхмәтшин инициативаһы менән йәйәнән уҡ атыу түңәрәге эшләй башлағайны. Был түңәрәктә 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге 47 бала бик ихлас теләк менән шөғөлләнә. Балалар шулай уҡ тыуған яҡ тарихын, уның тарихи шәхестәрен, шәжәрәләрен дә өйрәнә. Илнур Әхмәтшин хәрби-патриотик тәрбиә һәм милләт-ара ыҙғыштарҙы булдырмау маҡсатында проект әҙерләгәйне. Проектты Иҙел башы төбәген өйрәнеүгә һәм легенда буйынса ошонда йәшәгән уҡсы, тимерсе Мырҙағол Аҙналинға арнағайны. Ошо эше менән Илнур йәштәрҙең республика конкурсында ҡатнашып, 150 меңлек Грант ота. Был аҡса түңәрәкте артабан үҫтереү өсөн тотоноласаҡ. Әлеге мәлдә йәйә, уҡтар һатып алынған, ярыштар өсөн махсус костюмдар тектерергә заказ бирелгән. Үткән йыл «Ҡаһарманлыҡ» клубы урындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлексәһе ярҙамында Мырҙағол Аҙналинға арналған «40 уҡ» республика турниры үткәрҙе. Тағы ла Белореттың тәүге хәрби комиссары Павел Бузун иҫтәлегенә турнир ойошторҙо. Быйыл «Зарница» этабына пневматик ҡоралдан атыу менән бер рәттән уҡтан атыу ҙа индерелде. Уҡтан атыу техникаһының 10-дан артыҡ төрө бар. Әммә «Ҡаһарманлыҡ» клубында шөғөлләнеүселәр боронғо башҡорттарҙың атыу төрөн үҙ итә. Тәүҙә йәйәне яҙаһың, кереште ныҡ итеп тартаһың, баш бармаҡ менән нығытаһың, тынды алмай тораһың. Был азиаттарса алым була. Ә ачери-биатлон менән шөғөлләнгәндәр Европа алымы буйынса, 3 бармаҡ, мәҫәлән, һуҡ, урта һәм сәтәкәй бармаҡ менән тотона. Спорттың башҡа төрҙәре кеүек үк, уҡтан атыу һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай. Бигерәк тә кәүҙәне тура тоторға булыша, күҙҙәргә лә ярҙамы тейә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡатын-ҡыҙҙар күберәк һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, социаль хеҙмәт күрһәтеү, туҡланыу өлкәләрендә эшләй. 8 март байрамы алдынан Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 53 процентын - ҡатын-ҡыҙҙар, 47-һен ир-егеттәр тәшкил итеүе раҫланган. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда йышыраҡ тыуа. Эшсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың 35,6 проценты юғары белемгә эйә. Ирҙәрҙә был күрһәткес 23 процентҡа тигеҙ. Республика вуздары студенттарының 54,9 проценты - ҡыҙҙар. Ә колледждарҙа был күрһәткес - 42,9 процент. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Уф, йығыла инде бынау бала”, – тип әсәһе әйтеп тә өлгөрмәй, теге, ысынлап та, ҡолап ҡуя. Йә булмаһа: кистән Әсмәнеме, Хәсәндеме иҫкә төшөрһәгеҙ, икенсе көн шул кеше үҙе үк һеҙгә шылтырата. “И-ий, кисә генә һине иҫкә төшөрөп алғайным!” – тип ҡыуанысығыҙҙы йәшерә алмайһығыҙ. Был күренеште, әлбиттә, кемдер эске тауыш менән бәйләр, кемдер – һиҙемләү тойғоһо менән. Бала саҡта өләсәйҙең: “Сеү! Шаяртып һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. Фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килер”, – тип киҫәтеп әйтеүенә, тормошта күпме һынау, һыҙланыуҙар аша үтеп, саҡ төшөндөм...БДУ профессоры, химия фәндәре докторы, Нью-Йорк Фәндәр академияһы ағзаһы Нәжип Вәлитовтың электромагнит һәм гравитация ҡырҙарының бәйләнеше тураһындағы ғилми асышы ғалимдар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ғалим фекеренсә, ғаләмдәге теләһә ниндәй объекттар, улар араһындағы алыҫлыҡҡа ҡарамаҫтан, бер-береһе менән яҡтылыҡ тиҙлегенән дә шәберәк бәйләнешкә инә. Тимәк, ғаләмдә бөтә нәмәне берләштереүсе ниндәйҙер бер көс булырға тейеш. Ә Ҡөрьән, Тәүрат, Тора китаптарын уҡып сыҡҡас, профессор тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнә. Изге китаптарҙа Аллаһ (Бог) “бөтә нәмәне күреүсе” һәм “бөтә нәмәне ишетеүсе” тип билдәләнә. Баҡһаң, беҙҙең уйҙар ҙа матдиләшеү һәләтенә эйә икән. Уйлау процесы фәҡәт электромагнит һәм гравитация ҡырҙарының бәйләнеше ярҙамында башҡарыла.Миҫалды йыраҡтан эҙләйһе лә түгел. Үҙегеҙ ҙә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: быуындары нығынып та бөтмәгән сабый, туп тиҙлеге менән, әле былай, әле тегеләй саба. “Уф, йығыла инде бынау бала”, – тип әсәһе әйтеп тә өлгөрмәй, теге, ысынлап та, ҡолап ҡуя. Йә булмаһа: кистән Әсмәнеме, Хәсәндеме иҫкә төшөрһәгеҙ, икенсе көн шул кеше үҙе үк һеҙгә шылтырата. “И-ий, кисә генә һине иҫкә төшөрөп алғайным!” – тип ҡыуанысығыҙҙы йәшерә алмайһығыҙ. Был күренеште, әлбиттә, кемдер эске тауыш менән бәйләр, кемдер – һиҙемләү тойғоһо менән.Әммә, хужаһын һырғаланып һағалаған насар уйҙар уның тормошона һәм һаулығына зыян килтерергә, кире йоғонто яһарға әүәҫ. Юҡҡа ғына француз классигы Ги де Мопассан: “Бәйләнсек уйҙар яман сирҙәр кеүек бер туҡтауһыҙ эстән кимерә. Йәнде яулап алып, уны “ашай” башлайҙар – бер нәмә хаҡында ла уйларға һәм ҡыҙыҡһынырға бирмәйҙәр”, – тип яҙып үтмәй.Шуға ла, тормош ни тиклем генә ҡатмарлы булмаһын, матур уйҙарҙы һәм изге ниәттәрҙе эшкә егеп йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Хас та медицина, психология, педагогика һәм философия фәндәре профессоры Георгий Сытин кеүек. Бөйөк Ватан һуғышында ныҡ ҡаты яраланған Георгий Николаевич, һауығырға мөмкинлек булмауына ҡарамаҫтан, үҙ-үҙен дауалау тураһында уйлана башлай. Ул һүҙҙең организмға нисек тәьҫир итеүен өйрәнеп, шундай һығымтаға килә: әгәр ҙә кеше бер туҡтауһыҙ сир тураһында уйлаһа, һөйләһә, хәүефләнһә, уның һаулығы тағы ла нығыраҡ ҡаҡшай. Һәм, киреһенсә, кәйефен ыңғай уй-ниәткә ҡорған кеше тиҙерәк һауыға. Уйҙар ярҙамында һауығып, аяҡҡа баҫҡан ғалим, махсус һайланылған һөйләмдәрҙән торған текстар төҙөп, үҙ методикаһын булдыра. Мәҫәлән, текстарҙың береһендә ошондай кәңәш бирелә: “Кире уйҙарҙан ҡотолоғоҙ, уларға ҡаршы көрәшергә тырышмағыҙ. Ә ни бары уларҙы үҙегеҙҙән ебәрегеҙ”.Бер системаға һалынған Ҡөрьән сүрәләре лә бит тап әҙәм затын һаҡлауға йүнәлтелгән. Сүрәләрҙең ауырыуға, зәхмәт ҡағылыуға, күҙ тейеүгә ҡарата көслө икәнен ишетеп беләбеҙ, әммә был хаҡта уйланғаныбыҙ юҡ. Тимәк, уйҙарҙың матдиләшеүе хаҡында боронғолар бик һәйбәт хәбәрҙар булған. Автор: Айһылыу ВАХИТОВА әҙерләне Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Календарь битендә ғәҙәти булмаған махсус бер дата бар. 3 декабрҙә Инвалидтар көнө билдәләнә. Тыумыштан ғәрип булып, донъяның рәхәтен күрмәй үҫкән балаларға, һәләкәткә дусар булып, йәшнәп йәшәр саҡта инвалид коляскаһына беркетелгәндәргә бер аҙ булһа ла иғтибар бүлеү бик дөрөҫтөр. Хәйер, улар был көндө генә түгел, ә һәр ваҡыт хәстәрлек тойорға тейеш тә. Эльвира матур хыялдар менән кейәүгә сыға. Шул ваҡытта алда уны ниҙәр көтәсәген, ниҙәр кисерергә тура киләсәген башына ла килтермәгәндер йәш ҡыҙ. Йәре итеп һайлаған егете бынамын тигән ғаилә башлығы булып тойола уға. Матур ғына йәшәп китәләр. Балалы йорт - ҡотло йорт тигәндәй, йәштәр ҙә өйҙәрендә сабый тауышы яңғырауын теләй. Теләктәре тормошҡа аша уларҙың, улдары Илнур донъяға килә. Ата-әсә булыу бәхетен татыған пар күктең етенсе ҡатында була. Әммә ғаилә усағы нисек тиҙ тоҡанған булһа, шулай тиҙ һүнә лә. Икеһенең юлы ике яҡҡа айырыла. Йәш ҡатын өс йәшлек улы менән яңғыҙы тороп ҡала. Бала йәштәштәре кеүек үҫешә, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тик, Эльвира Ильнурҙы балалар баҡсаһына йөрөтә башлағас, аяҡтары тиҙ талыуын, уларҙы һөйрәп атлауын һиҙеп ҡала. Баҫҡыстан юғары ҡатҡа күтәрелгәндә лә сабый ҡыйынлыҡ менән менә. Борсолған әсә кисекмәҫтән неврологҡа мөрә-жәғәт итә. Әммә улары яҫы табанлылыҡ, янбаш-бот быуыны дөрөҫ үҫешмәгән тиеүҙән ары үтмәй. Махсус аяҡ кейемдәре, массаж билдәләйҙәр. Әсә бер аҙ тыныслана, әммә күңеле барыбер ниҙер һиҙенә. Ошо борсолоу-лы, тынғыһыҙ осорҙа буласаҡ тормош иптәше Фиданды осрата. Оҙаҡҡа һуҙмай ҡауышып ҡуя улар. Егеттең әсәһе лә баланың ҡайһы ерелер ауырта бит, тип Эльвираның шикләнеүҙәрен иҫбатлай. Тиҙ арала Илнурҙы икенсе врачҡа күрһәтәләр. Аҡ халатлыларҙан ишеткән ҡот осҡос диагноздан Эльвира өсөн донъя аҫты өҫкә әйләнгәндәй була. Ярай әле янында йылы һүҙе менән йыуатырлыҡ, терәк булырлыҡ иптәше бар. Илнурға Дюшенн миопатияһы тигән диагноз ҡуйыла. Баш ҡалала ентекле тикшереп, анализдар тапшырғандан һуң, сир раҫлана. Нисек инде ғәзизең бер көн килеп аяҡтан яҙасаҡ? Ни өсөн? Башында мең төрлө уй ҡайнай әсәнең. Был сир - ҡатмарлы генетик ауырыу. Иң аянысы шул - уны ауыҙларлыҡ, туҡтатырлыҡ, еңерлек бер әмәл дә юҡ. Ҡыҫҡаһы, дауалап булмаҫлыҡ быуын сире. Мускулдары кибә һәм башҡаса тергеҙелмәй. Мәктәпкә уҡырға барғас, йығылып тора алмай ыҙаланған осраҡтары күп була. Шулай ике йыл этләнгәндән һуң, өйҙә уҡытыуға күсерәләр. - Ҡулымдан килһә, әллә ниҙәр эшләр инем. Тик сир беҙҙән көслөрәк булып сыҡты. Шулай ҙа укол, системалар, дарыуҙар, массаж ярҙамында хәлен бер аҙ еңеләйтергә тырышабыҙ, - ти Эльвира. «Тарих» бының менән генә тамамланмай әле. Фидан Эльвираны кәләш итеп алғанда бер ҙә өйләнмәгән була. Илнурҙы үҙ балаһылай күрә, бала ла уға “атай”, тип өндәшә. Тик үҙенең дә атай булғыһы килә. Малай тыуа ҡалһа, уны ла Илнур яҙмышы көтәсәген аңлай ҡатын. Врачтар ҙа был турала иҫкәртә. Әммә иренең теләгенә ҡаршы килмәй. Йөккә уҙғас та, Хоҙайҙан ҡыҙ тыуыуын һорай. Ҡыҙлы булыу теләгенән түгел, ә ошо сир менән башҡа күҙгә-күҙ осрашмаҫ өсөн. Сөнки Дюшенн миопатияһы малайҙарҙа ғына асыҡлана. Әммә... «өҫтә» был мәсьәлә-не үҙҙәренсә хәл итәләр. Һуңғы УЗИ тикшереүе генә яралғының малай икәнен күрһәтә. Уға тиклем енесен белә алмай аҙаплана табиптар. «Ни булһа ла булыр, сабыйҙа сир табалар икән, тимәк, Аллаһы Тәғәлә тарафынан миңә инвалидтар тәрбиәләү йөкмәтелгән. Табам», - тип ныҡлы ҡарар итә ҡатын. Тупылдап торған бәпес бүләк итә ул Фиданға. Әммә тәүге тикшеренеүҙәрҙән үк Эльданда ла ауырыу билдәләре булыуын әйтә табиптар. Шаңҡыуҙан бер аҙ арына алмай улар, әммә балалары алдында көсһөҙлөгөн, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә, ныҡ булырға ҡарар итәләр. Әле Эльдандың дүрт йәше тулып килә. Балалар баҡсаһына йөрөй. Уйнай, көлә, һикерә. Шулай ҙа Эльвира улының йығылһа, ауырлыҡ менән тороуына иғтибар итеп өлгөргән дә инде. Был ауырыу шуныһы менән дә аяуһыҙ, яйлап бөтә ағзаларҙы зарарлай. Илнурҙың йөрәге ауыртһа, Эльдандың күреү һәләте бик яҡшынан түгел. Күҙлек яҙып биргән табип. Врачтарҙың ярҙамынан тыш, хөкүмәттең дә тейешле терәген тоямы икән ғаилә? - Рәсәй Президентының бы-йыл яңы ҡарары сыҡты. Уға яраш-лы, беренсе тикшерелгәндә үк кешегә билдәле ауырыуҙар исемлеге буйынса инвалидлыҡ мөҙҙәтһеҙ ваҡытҡа бирелә. Беҙҙең сир ҙә был исемлектә бар. Дауалап булмаҫлыҡ сир булһа ла, инвалидлыҡты раҫлар өсөн элек йыл һайын документ йыйып, комиссия үтергә, дауаханала ятырға тура килә ине. Быйылдан инвалидлыҡ икеһенә лә 18 йәшкә тиклем тапшырылды. Бушлай ике инвалид коляскаһы, памперстар, биобәҙрәф, ортопедик түшәк, мендәр бирҙеләр. Былар беҙҙең өсөн әлеге ваҡытта иң кәрәкле әйберҙәр. Сөнки оло улым түшәктә. Әҙерәк тороп ултыра ала. Йөрөү, атлау тураһында һүҙ ҙә юҡ. Дауаханаға барғанда лифттан файҙаланабыҙ, үҙҙә-ренең коляскаһын бирәләр. Аңлап ҡарағандары өсөн рәхмәт. Шулай ҙа, медицина хеҙмәтләндереүе йәһәтенән иғтибарлыраҡ булһындар ине. Күкрәк ситлеге деформацияһы булғанға күрә, ярты йыл һайын кардиологҡа күренергә кәрәк. ЭКГ-ны өйгә килеп төшөрөп китһәләр арыу булыр ине. Анализдарҙы ла килеп алһалар, баланы тыңлап китһәләр ҙә ҡамасауламаҫ. Күп осраҡта түләүле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Гел ятыу сәбәпле, тын юлдары ауырыуҙарын ауыр үткәрәбеҙ, йыш ҡына эсе ҡата, ҡоҫҡоһо килә. Сөнки хәрәкәт юҡ, организм «йоҡлай», - ти Эльвира Хәйбуллина. Илнурға әле 15 йәш, 8-се класта уҡый. Уҡытыусыһы Роза Латипова көн һайын килеп, уның менән шөғөлләнә. Улай ғына түгел, баланың һәләтен күреп, ҡул эштәрен төрлө конкурстарға ебәрә. Егет әллә нисәмә тапҡыр Бөтә Рәсәй конкурстарында I, II дәрәжәле дипломдарға лайыҡ булған. Пластилиндан төрлө нәмәләр эшләй. Әле яңыраҡ йыр дәресе лә инә башлаған. Роза Руфат ҡыҙы менән йырларға өйрәнәләр. Арыу өлөш төшкән Эльви-раға. Әммә ул, яҙмыштарҙан күпкә көслөрәк. Рухын һындыр-майынса, ауырлыҡтарға түҙеп, балаларына ғәзиз әсәй, тормош иптәшенә һөйөклә ҡатын булып йәшәүен дауам итә. Гел генә такси хеҙмәттәренән файҙаланып яфаланған ҡатын машина йөрөтөүгә таныҡлыҡ ала, автомобилле лә була, хәҙер үҙе руль артында елдерә. Ҡыйын-лыҡтарҙан ҡурҡмай, үҙе менән йәнәшә атларға риза булған Фиданына ул сикһеҙ рәхмәтле.
Республикала көҙгө каникул 26 октябрҙә башлана. Был хаҡта Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Республика уҡыусыларының 10 көнлөк көҙгө каникулы 2020 йылдың 26 октябрендә башлана. Балалар 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөнән һуң ғына мәктәпкә бара. Бынан алда киң мәғлүмәт саралары Мәскәүҙә каникулдың 5 октябрҙә башланып, ике аҙна дауам итәсәге тураһында хәбәр иткәйне. Баш ҡала мэры һүҙҙәренсә, каникул ваҡытында дистанцион дәрестәр булмай, теләгән уҡыусылар яңы материалды үҙ аллы өйрәнеп, үтелгәндәрҙе ҡабатлай ала. Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Октябрҙең тәүге көнөндә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнеп, ошо йәһәттән өлкән йәштәгеләрҙе бер аҙға булһа ла бөтә мәшәҡәттәрҙән арындырып, йылы ҡараш, иғтибар, хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән Красноусол мәҙәниәт һарайында ла йыр-моң менән байытылған байрам сараһы үтте. Өлкәндәргә йыр-моң бүләккә Алып барыусылар Елена Николаева менән Фәнзил Ғәлин байрам тантанаһын асып, оло йәштәгеләргә тыныс, бәрәкәтле тормош, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләнеләр. Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмоваға бирелеп, ул район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән изге теләктәрен еткерҙе: “Беҙ еңел булмаған осор кисерәбеҙ. Мобилизацияланған егеттәребеҙ өсөн һәр кем ҡайғыра, борсола. Әммә илде һаҡларға кәрәк. Ауыр ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, беҙгә ныҡ булырға кәрәк. Районда Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова етәкселегендәге ветерандар советы һәйбәт эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәйҙәр”, “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаларының ярҙамы ҙур. Кемдер доға, хат, кәрәкле һүҙҙәр менән ҡулдан килгәнсә егеттәребеҙгә ярҙам итәйек. Барыһы ла һәйбәт булыуын теләйем, бөтәгеҙ ҙә һау-сәләмәт булығыҙ”, - тине. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова үҙ сығышында барлыҡ ветерандарҙы байрам менән ҡотланы һәм изге теләктәрен әйтеп үтте. - Мин үҙебеҙҙең ветерандар менән ғорурланам. Районда 10 мең тирәһе ветеран һәм пенсио-нер йәшәй. Шуларҙың өсәүһе - Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уларҙың береһенә 100 булһа, икенсеһенә - 98, өсөнсөһөнә – 96 йәш. Тыл эшсәндәре, һуғыш ветерандарының тол ҡатындары бар, 1647 кеше “һуғыш балалары” статусын йөрөтә. Ветерандарыбыҙ өсөн “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. туризм” программаһы эшләп килә. Быйыл 94 кеше Өфө ҡалаһына сәйәхәт ҡылды. Ветерандарыбыҙ һәр яҡлап та сәләмәт тормош алып бара. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай дәүләт тә ярҙам күрһәтергә тырыша. Мобилизацияланған улдарыбыҙға ярҙам итеү йөҙөнән “Өләсәйҙәр хәстәрлеге” акцияһы иғлан иттек. Еңеү беҙҙең яҡта булырына ышанабыҙ. Булғанығыҙ өсөн рәхмәт, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ, оҙон ғүмер насип булһын һеҙгә, - тип тамамланы үҙенең сығышын Эльвира Әнүәр ҡыҙы. Район мәҙәниәт һарайы артистары Елена Николаева менән Ҡадир Ишбулдиндың, Гөлфирә Бәширова менән Фәнзил Ғәлиндың, һәүәҫкәр йырсы Рәмил Сәйфуллиндың, Елена Рябова етәкселегендәге район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренән торған “Усолочка” йыр ансамбленең йыр-моңдары, “Байыҡ” республика балалар конкурсы лауреаты Илшат Ҡотовтың “Бишбармаҡ”, Илшат Хәбибуллиндың “Үҫәргән байығы”, Гөлдәр Әбелғужина менән Замир Тайсиндың, “Айгүзәл” ансамбленең “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Эксклюзив” ансамбленең “Балалайка” бейеүе, Рәмил Ғимрани, Алик Шәмситов, Рәмил Сәйфуллин, Наил Вәлиевтың баянсылар квартеты, Илнур Ғөбәйҙуллиндың ҡурайҙа, Данир Мәсәлимовтың думбырала уйнауы ололар күңеленә хуш килде. Сарала өлкәндәр хәтер яңыртып, йыр өҙөктәре аша киноларҙы иҫкә төшөрҙөләр, иҫтәлектәрҙе байытып экран аша архив фотоларын ҡаранылар. Барыһы ла ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, “илебеҙ генә тыныс булһын” тигән теләктә таралышты байрам сараһынан. Өлкәндәргә йыр-моң бүләккә Автор:Альфия Валиева Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Аҙна буйы Мирастың һүҙе башымдан сыҡмай, оноторға тырышып ҡараһам да, яңынан күңелде тынғыһыҙлап өйөрөлөп тик йөрөй. Ҡара әле, мин нисек яңғылышҡанмын! Һис кенә лә уны шундай икейөҙлө, әхләҡһеҙ тип уйламағайным. Уның ысын күңелдән әйткән һүҙҙәренә ғәжәпләндем һәм ...үпкәләнем. Беҙҙең бик яҡшы уртаҡ таныштарыбыҙ бар. Һис уйламағанда уларҙың айырылышыуҙарын ишетеп таң ҡалдыҡ. Дөрөҫөрәге, мин нығыраҡ хафаландым, ҡайғырҙым, үрһәләндем. Мирас тәүҙә борсолған төҫлө күренһә лә, аҙаҡ: ”Тормош булғас, ир менән ҡатын араһында хыянатҡа ла урын бар. Өлфәт үлеп ғашиҡ булғас, ҡатынын алдап йәшәй алмай бит инде. Мөхәббәт барынан көслөрәк”,- тимәһенме! Хыянатты “нормально!” тип иҫәпләп, мине тынысландырырға тырышҡан Мирас йән асыуымды ҡабартһа ла, һиҙҙермәҫкә тырыштым. Нисек яҡын кешеңдең хыянатын аҡларға була? Ғаилә ҡорғанһың икән, ныҡлығы өсөн яуап бир. Улайһа, ниңә тормош ҡороп торорға? Тоттом да Мирастан һораным: ”Бәлки, беҙгә өйләнешеп торорға ла кәрәкмәйҙер? Хыянат һинең өсөн “нормально” булғас...” Көтөлмәгән “һөжүм”дән албырғап ҡалған егетем аҡланырға маташты, имеш, уның башҡа бер кемгә лә күҙ һалғаны юҡ, әммә шундай хәл килеп тыуһа, йәғни “үлеп” ғашиҡ булырға тура килһә, минең уны аңлауыма һәм ғәфү итеүемә ышана... Мин һүҙҙе йәһәт кенә башҡа темаға борҙом, тик күңел ҡырылды. Яратҡан кешеңдән бындай һүҙҙе ишетеүе ауыр, хатта тормошта көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар һағалауын яҡшы белһәң дә. Йәһәт кенә алыштырырға мин бит һиңә сепрәк күлдәк түгел! Миңә шундай ышанысһыҙ тормош юлдашы кәрәкме? Уға ҡарата йылылыҡ та кәмегәндәй, бер һүҙе менән үҙенән биҙҙерҙе. Бәлки, уның аҡланыуын ваҡытында ишетеү минең файҙағалыр ҙа... Фото:Moscow-oblast.sm-news.ru Автор: Дина Арсланова. https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/Ber--e-men-n--en-n-bi-er-e-588473/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы дошман техникаһын юҡ иткән йәки алып ҡасҡан өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға тейешле түләүҙәрҙең суммаһын билдәләне. Дошман техникаһын юҡ иткән өсөн яугирҙарға тейешле түләүҙәрҙең суммаһын билдәләне Был хаҡта ведомствоға һылтанма менән «Звезда» ТВ-каналы хәбәр итте. Әйтәйек, танк өсөн 100 мең һум аҡса түләнә, вертолет — 200 мең һум, самолет — 300 мең һум. Дошмандың тере көсөн юҡ иткән өсөн 100 мең һум түләү ҡаралған. Бынан тыш, дошмандың пилотһыҙ осоу аппаратын, БМП, БТР, БМД, МТ-ЛБ, САУ, С-300, «Бук», «Тор», «Оса» йәки РСЗО-ның хәрби машинаһын юҡ иткән йәки алып ҡасҡан һалдаттарға 50 мең һум түләнергә тейеш, тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Оборона министрлығында. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Төрлө тәмләткәстәр ҡулланылмай. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларҙың мәктәп ашынан баш тартыуы тураһында белдерҙе. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, ата-әсәләр ашатыуға бәйле етешһеҙлектәр тураһында электрон журнал аша хәбәр итә ала. Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу сифаты буйынса аноним фекер белешеү уҙғарылды. Ул бөгөн тамамланды. https://bash.news Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Бөгөн, 24 ноябрҙә Өфө ҡалаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Дуҫлыҡ иле биҙәктәре” балалар халыҡ хореография республика фестиваль-конкурсының Гала-концерты үтте. 24 ноябрҙә Өфө ҡалаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Дуҫлыҡ иле биҙәктәре” балалар халыҡ хореография республика фестиваль-конкурсының Гала-концерты үтте. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған конкурсты республиканың мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залы уҙғарҙы. Асыҡ фестиваль 2 этапта барҙы. Тәүге һайлап алыу турына коллективтар жюри ағзалары ҡарамағына видеоматериалдар ебәргән. Һайлап алынған 22 бейеү коллективы фестивалдең икенсе турында көс һынашып, еңеүселәр Гала-концертта сығыш яһаны. Районыбыҙҙың “Быҙыбыт” (етәксеһе – Илшат Хәбибуллин) һәм “Төлкәҫ” (етәксеһе – Айгөл Буранова) өлгөлө балалар бейеү ансамблдәре республика фестивалендә уңышҡа өлгәште. “Быҙыбыт”тар икенсе дәрәжә Дипломға һәм 30 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Шулай уҡ уларға татлы приз - яҡташыбыҙ, бағыусы Инза Кәримова бешергән ҙур, тәмле торт бирелде. “Төлкәҫ” ансамбле иһә конкурстың лауреаты Дипломы, музыкаль үҙәк, етәкселәре Айгөл Буранова “Ассы” шифаханаһына юллама менән бүләкләнде, малайҙар һәм ҡыҙҙар тағы ла бер яҡташыбыҙ, Өфөләге “Мәрйәм" кафеһы хужабикәһе Гөлсирә Мөҙәрисованан пиццалар менән һыйланды. Бейеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ! Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ҡорттоң ояла булмаған саҡтағы, мәҫәлән, бал һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғандағы температураһы 35-38 градусҡа тиклем күтәрелә, әйләнә-тирәләге һауа температураһынан 8-10 градусҡа юғары була. Һауа дымлылығы. Шулай уҡ ҡорттарҙың үҙҙәре тарафынан көйләнә. Ояла һауаның дымлылығы, ғаиләнең көйөнә, тәүлектең, миҙгелдең һауа торошона бәйле рәүештә, 25-тән алып 100 процентҡа тиклем үҙгәреп тора. Сағыштырмаса иң дымлы урын (85-90 процент) ояның йомортҡалы һәм асыҡ үрсемле урынына тура килә. Ҡарышлауыҡтар күҙәнәктәрҙән тишеп сыҡһын өсөн сағыштырмаса оптималь дымлылыҡ — 90-95 процент. Иң төп бал йыйыу ваҡытында, шыйыҡ һут умартаға күпләп килтерелгәндә, ояла һауаның сағыштырмаса дымлылығы 50-60 процент, ә миҙгелдең башҡа осоронда 70-80 процент кимәлендә тотола. Артыҡ дымлылыҡты ҡорттар оянан әүҙем елләтеү юлы менән ҡыуып сығара. * 100 мг ауырлыҡтағы бал ҡорто осҡан саҡта сәғәтенә 10 миллиграмға тиклем бал һуты ҡуллана. * Бер осоуҙа 50-60 мг-ға тиклем бал һуты килтерергә мөмкин, ә ҡорт күсе көсөргәнешле эшләгәндә көнөнә уны 10-12 килограмға тиклем йыя ала. * Ҡытыршы йөҙлө әйбер өҫтөнән үҙенең ауырлығынан 20 тапҡырға ауырыраҡ йөктө тартырға һәләтле (ат үҙенең ауырлығына тиң йөктө генә тарта ала); * Бал ҡорто күсенең 5-6 килограмға тиклем ауырлыҡта булыуы ихтимал. Ул 50-60 мең ҡорттан тора, уларҙың бал бөрләтәүендә 2-3 килограмм бал була. Йонсоу, насар көндәр торғанда, улар үҙенең һаҡлыҡ балы менән һигеҙ көн буйы туҡлана ала; * Бал ҡорто умартанан һигеҙ саҡрымға тиклем алыҫлыҡҡа осоп китә һәм кире ҡайтыу юлын таба. Файҙалы осошоноң радиусы ике саҡрым тип иҫәпләйҙәр. Был иһә 1256 гектарға тиң.
“Кисә ҡара” алтын сығарған дәүләттәрҙең (ОПЕК һәм башҡа нефть сығарған илдәр) энергетика министрҙары нефть табыуҙы кәметеү мәсьәләһе буйынса видеоконференция үткәрҙе, тип яҙғайныҡ. Бының донъя иҡдисады өсөн ни тиклем мөһим булыуын шул уҡ көндә Рәсәй һәм АҠШ президенттары, Сауд Ғәрәпстаны короленың ошо мәсьәләгә ҡағылышлы телефондан фекер алышыуы ла күрһәтә. “Кисә ҡара” алтын сығарған дәүләттәрҙең (ОПЕК һәм башҡа нефть сығарған илдәр) энергетика министрҙары нефть табыуҙы кәметеү мәсьәләһе буйынса видеоконференция үткәрҙе, тип яҙғайныҡ. Бының донъя иҡдисады өсөн ни тиклем мөһим булыуын шул уҡ көндә Рәсәй һәм АҠШ президенттары, Сауд Ғәрәпстаны короленың ошо мәсьәләгә ҡағылышлы телефондан фекер алышыуы ла күрһәтә. Нефть баҙарында хаҡтарҙы көйләү, юғалтыуҙарҙы кәметеү Рәсәй өсөн ни тиклем мөһим булыуын бөгөн бер кемгә лә аңлатырға кәрәкмәй. Сөнки ил ҡаҙнаһының күпселек өлөшө нәҡ энергия сығанаҡтары һатыуҙан тулылана. 6 мартта ОПЕК менән “ҡара алтын” табыу күләмен бер кимәлдә тотоу тураһында килешеүҙең өҙөлөүе һөҙөмтәһендә Рәсәй һумының долларға ҡарата хаҡы ҡырҡа күтәрелеп китте. Коронавирус арҡаһында зыян күргән ил иҡтисады өсөн был һиҙелерлек юғалтыу булды. Кисә, ниһайәт, Мексиканан башҡа барлыҡ нефть тапҡан илдәр ҙә уның күләмен кәметеү буйынса бер фекергә килде. Яңы килешеү шарттарына ярашлы, дөйөм алғанда, “ҡара алтын” сығарыу тәүлегенә 10 млн. баррелгә (158,988 литрлы мискә үлсәме) кәметелергә тейеш. Рәсәй менән Сауд Ғәрәпстаны – 2,5 млн., Ирак – 1,06 млн., Ғәрәп Эмираттары – 0,72 млн., Кувейт – 0,64 млн., Ҡаҙағстан менән Нигерия – 0,4 млн. баррелгә нефть сығарыуҙы кәметеү бурысы алды. Ошо хәбәр килеү менән доллар 73 һумға тиклем кәмене. Ул 79 һумдан ашып киткәне. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан район Мәҙәниәт йорто байрам кәйефе булдырыу һәм “Талантлы әсәй-2018” конкурсын үткәреү маҡсатында гүзәл заттар өсөн үҙ ишеген асты. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан район Мәҙәниәт йорто байрам кәйефе булдырыу һәм “Талантлы әсәй-2018” конкурсын үткәреү маҡсатында гүзәл заттар өсөн үҙ ишеген асты. Эйе, был юлы ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланған шиғыр һәм йырҙар менән бер рәттән сағыу, күңелле сара ойошторолдо. Сараның рәсми өлөшөн район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ноғманов асты, гүзәл заттарҙы байрам менән ихлас ҡотлап, районда күп балалы 421 ғаилә йәшәүен, 65 ҡатын-ҡыҙ “Әсә даны” миҙалы менән бүләкләнеүен билдәләне. “Талантлы әсәй-2018” конкурсында ҡатнашыусылар сәхнәгә күтәрелде. Ошо исем өсөн көс һынашырға теләк белдергән 10 бәйгесе араһында уҡытыусылар һәм балалар баҡ-салары тәрбиәселәре бар. Уларға дүрт этапта үҙ таланттарын асырға кәрәк ине. Көслө зат вәкилдәренән торған жюри мәрәйҙәрҙе ғәҙел һәм дөрөҫ ҡуйыу өсөн ҡулдарына ҡәләм алды. Беренсе һынау – “Визитка”. Бында үҙең менән таныштырып китергә кәрәк ине. Беренсе булып Ғафури мәктәбе уҡытыусыһы А. Ғәйнуллина сығыш яһаны. Сәхнәгә ул үҙенең 3 ҡыҙы менән сыҡты. Ҡыҙҙар әсәләренең һәр эштә уңған булыуын, уны ныҡ яратыуҙарын һәм ихтирам итеүҙәрен бәйән итте. Таныштырыу барышында ғаилә фотохроникаһы күрһәтелде. Ҡаран мәктәбе уҡытыусыһы Р. Мәүлетова яҙмышынан ҡәнәғәт булыуын, күп яҡшылыҡтар кү-реүен әйтте. Тамашасылар уның ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләнеүе, уларҙың нимә менән мауығыуҙары тураһында белде. А. Ғайсина Сабай мәктәбендә белем бирә. 3 ҡыҙ үҫтерә. Кистәрен ғаиләләре менән тамашалар күрһәтәләр икән. Е. Самсонова үҙен иң бәхетле әсәй тип иҫәпләй. Өс ул тәрбиәләй. Ҡояшлы Тажикстанда тыуып үҫкән ханым өсөн Башҡортостан икенсе Ватанына әйләнгән. Бөгөн ул Ғафури балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Улдары сәхнәлә әсәләренә шиғырҙар һәм йыр бағышланы. – Тормошта төрлө роль башҡарҙым, әммә уларҙың иң ҙуры – әсәй булыу! – тип тамамланы үҙ сығышын бәйгесе. А. Хәлитова ла ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған – Бүздәк ауылының 5-се балалар баҡсаһында эшләй ул. Улдары менән бергә “Мама – главное слово в нашей судьбе” тигән йыр башҡарҙы. С. Сәлимгәрәева Бүздәк 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә сит телдәр уҡыта. Ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Үҙе менән шиғыр юлдары аша таныштырҙы ул. Ә. Арыҫланова Ҡаңны-Төркәй ауы- лы балаларын грамматика һәм математика серҙәренә төшөндөрә. Уның презентацияһынан 3 ҡыҙы барлығын, эшләүҙән тыш уҡыуын дауам итеүен, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуын белде тамашасы. Л. Муллайәнова Ахун ауылында йәшәй, балалар баҡсаһында эшләй, бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләй. – Ғүмерем алда әле, мине оҙон юлдар көтә. Һәр көнөгөҙ шатлыҡлы булһын! – тип теләне ул залда ултырыусыларға. Р. Үлмәҫҡолова Уртаҡкүл мәктә- бендә эшләй. Уның менән ғаилә албомындағы фотолар аша таныштыҡ. Ҡыҙҙары уға ярҙам итте. Р. Шайморатова Ташлыкүл мәк-тәбендә эшләй. Ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән әсә ул. Икенсе турҙа әсәйҙәр ижади һәләттәрен асырға тейеш ине. Нигеҙҙә улар әсәй, мөхәббәт, бала саҡ тураһында йырҙар йырланы. Е. Самсонова юмористик композицияны оҫта башҡарыусы булараҡ, С. Сәлимгәрәеваның актёр-мим ролендә һөйөү тураһында панто-мимаһы күптәрҙең күңеленә хуш килде. “Дефиле” бәйгеһе сәхнә костюмдары күрһәтеүҙе һәм яҡлауҙы күҙ уңында тотто. А.Ғәйнуллина башҡорт милли кейеме, уның биҙәлеше хаҡында һөйләне. Р. Мәү-летова “Кокетка” тигән күлдәкте һайлаһа, А. Ғайсина зәңгәр күкте хәтерләткән күлдәктә сығыш яһаны. Е.Самсонова тамашасыларҙың йәнә күңелен күтәрҙе: яуыз һәм йыуан йорт идарасыһы образындағы ханым эт һәм ситлектә тутыйғош тотоп сыҡты. А.Хәлитова сәхнәгә улдары менән сыҡты, уның күлдәге ярҙамсыларының жилеттары менән бер төҫтә ине. С. Сәлимгәрәева тамашасылар алдында әле Ҡыҙыл башлыҡ, әле Бүре образында сығыш яһаны. А. Арыҫланова үҙ костюмын “Яҙғы кәйеф” тип атаған. Л. Муллайәнова үҙенә һәм ҡыҙына целлофан тоҡсайҙарҙан бик матур күлдәк теккән. Р. Үлмәҫҡолова, иһә, үҙенә һәм ҡыҙына кәнфит ҡағыҙҙарынан теккән күлдәктәрен “Татлы фантазия” тип атаған. “Яҙ” – Р. Шайморатова яҙ менән ҡатын-ҡыҙҙың оҡшаш булыуын дәлилләү маҡсатында үҙ костюмын шулай атаған. Йомғаҡлау этабында бәйгеселәр ойоштороу һәләтен күрһәтергә тейеш ине. Тамашасылар менән уйындар ойоштороп, кәйефтәрен күтәрҙе. Ҡайһы берҙәргә тәм-том да эләкте. Барлыҡ этаптар үтелде. Ҡарар ҡабул итеү өсөн жюри ағзалары кәңәшләшкән ваҡытта үҙешмәкәр артистар сәхнәне йыр-бейеүгә күмде. Бына тантаналы мәл етеүен белдереп, фанфаралар яңғыраны. “Талантлы әсәй-2018” район конкурсының 3-сө дәрәжә дипломы менән Регина Үлмәҫҡолова бүләкләнде, 2-се дәрәжә дипломына Светлана Сәлимгәрәева лайыҡ булды. Беренсе урын артислыҡ оҫталығы, үҙенсәлекле сығышы, заманса ҡарашлы, ҡыйыу булғаны өсөн Екатерина Самсоноваға бирелде. Проектта ҡатнашыусыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Конкурс гүзәл заттарҙың һөҙөм-тәле эшләй ҙә, рәхәтләнеп ял да итә белеүҙәрен йәнә бер тапҡыр раҫланы. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Барлығы 37 кеше мөлкәтен урлау осра-ғы, 6 мутлашыу факты, 3 талау, 1 транспорт сараһын алып ҡасыу һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 5 енәйәт теркәлгән. Административ тәртип боҙоуҙың 308 осрағы асыҡланған, шул иҫәптән – йәмәғәтселек тәртибен боҙған өсөн һәм спиртлы эсемлектәр эскән һәм иҫерек килеш йәмәғәт урындарында йөрөгән өсөн 224 протокол төҙөлгән. Мутлашыусыларҙан зыян күргән 19 йәшлек ҡыҙ полицияға мөрәжәғәт иткән. Тәртип һаҡсыларына аңлатыуынса, билдәһеҙ бер кеше, социаль селтәрҙә яҙышып, алдау һәм ышандырыу юлы менән уның банк картаһынан 23 мең һум аҡсаһын сәлдергән. Мутлашыу факты буйынса РФ Енәйәт Кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сираттағы урлашыу Стәрлетаммҡ сауҙа үҙәктәренең береһендә булған. Тикшереү барышында билдәле бер магазинда 3 мең һумлыҡ кейемде урлауҙары асыҡланған. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре 17 йәшлек үҫмер егеттең урлашыуын асыҡлаған һәм уны ҡулға алған. Урланған әйберҙәр тартып алынған. 14 октябрҙә дежур часҡа бер ҡатын шылтыратҡан. Уның гаражына асҡыс яра-тып инеүҙәре һәм 30 мең һумлыҡ ҡышҡы тәгәрмәстәрен урлауҙары тураһында хәбәр иткән. Тикшереү идаралығы РФ Енәйәт Кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эшен асҡан. Был аҙнала ике ғаиләнең көнкүреш бәхәстәре полицияға алып килеү менән тамамланған. Конфликттарҙың оҡшашлығы шунда – ике осраҡта ла ыҙғыш ирҙәрҙең эскелеге арҡаһында килеп сыҡҡан. Һүҙ артынан һүҙ сығып, ирҙәре бысаҡҡа йәбешкән һәм үлтереү менән янаған. Ҡатындар ҡурҡыштарынан, полиция саҡыртырға мәжбүр булған. Ике факт буйынса ла РФ Енәйәт Кодексының 119-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шикле кешеләр ҡулға алынған. Сәләмәт йәшәү рәүешен күтәреүгә һәм токсик матдәләр менән ағыуланыу факттарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар сиктәрендә, ҡала мәктәптәренең береһендә бәлиғ булмаған баланың аңды томалаусы матдә ҡулланыуы асыҡланған. Үҫмерҙең ата-әсәһенә административ протокол төҙөлгән. Кесаҙна көндө ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Рено Флюнс” маркалы автомобилде алып ҡасыуҙа шикле кешене тотҡан. Машинаның хужаһы уны Коммуналь урамындағы автосервис янында ҡалдырып киткән булған. 27 йәшлек енәйәтсе, иҫерек килеш руль артына ултырып, юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәпсеһе булған. Уға ҡарата РФ Енәйәт Кодексының “Алып ҡасыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Үткән аҙнала 51 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 6 кеше зыян күргән. ЮХХДИ линияһы буйынса 470 протокол төҙөлгән. Эскән килеш руль артында йөрөгән 13 водитель тотолған. Йәйәүлеләр араһында 19 тәртип боҙоу осрағы асыҡланған. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты бихисап төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ла юлдар асты. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостандың белем усаҡтарында республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән ғәмәлгә ингән “Ҡанатлан” проекты сиктәрендә бик матур башланғыстар бар. Уларҙың береһе - “Сәләмәт йылмайыу” модуле. 18 мартта Красноусолдағы 2-се мәктәптә ошо проект сиктәрендә стоматология кабинеты асылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, үҙәк ра-йон дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев ҡатнашты. Ҡунаҡтар балаларҙы яңы стоматология кабинеты асылыу уңайынан йылы тәбрикләне. “Тештәрҙең һау булыуы балалар организмы өсөн бик мөһим. Бөгөн беҙ “Ҡанатлан!” республика мәғариф проектына ярашлы ошо күркәм кабинетты асабыҙ. Ваҡытында профилактика саралары үткәреү, заманса ҡорамалдарҙа дауалау балаларҙың тештәре сәләмәт булһын өсөн эшләнә”, - тине Фәнзил Фәйез улы. Стоматология кабинетын асыуға республика бюджетынан 1 миллион һум аҡса бүленгән. Тәүҙә бинала ремонт эшләнгән, заманса ҡорамалдар урынлаштырылған, лицензия алынған. Үҙәк район дауаханаһы тейешле дарыуҙар һәм материалдар менән тәьмин иткән. Сағыу төҫтәргә буялған, уңайлы йыһаздар менән йыһазландырылған кабинетта балаларҙы һәр аҙнаның шаршамбы һәм йома көнө район дауаханаһының 1-се категориялы теш табибы Светлана Ғәниева ҡабул итәсәк. Бындай стоматология кабинеттары 800-ҙән ашыу бала уҡыған белем биреү учреждениеларында асыла. Бөтәһе республикала 61 мәктәптә стоматология кабинеттары асыу күҙаллана. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ҡорал һатыу буйынса халыҡ-ара килешеү төҙөргә тейешле конференция уңышһыҙлыҡҡа осраны: Нью-Йоркта 10 көн барған һөйләшеү барышында БМО-ның 193 ил-ағзаһы документ проекты буйынса уртаҡ тел таба алманы. БМО-ның Генераль сәркәтибе Пан Ги Мун үҙенең “бик ҙур ҡәнәғәтһеҙлеген” белдерҙе һәм “килешеү төҙөү юлдарын эҙләү дауам ителер”тигән өмөттә ҡалды. Документ Иран, КХДР һәм Сүриәнең позицияһы арҡаһында ҡабул ителмәне, улар уны“баланслы түгел”, тип атаны. Сүриәнең БМО-лағы илсеһе Бәшәр Йәғәфәр иленең килешеү идеяһын яҡлауын, әммә баш күтәреүселәргә ҡорал һатылыуы менән риза түгеллеген белдерҙе: “Минең илем ҡорал менән сауҙа итеүҙе легалләштереү яғында, сөнки законһыҙ сауҙа бөтә донъяла тыныслыҡ һәм именлек өсөн ҡот осҡос хәүеф тыуҙыра. Иң ғибрәтле миҫал- минең илемдең ғазаптары; ҡанлы сауҙа арҡаһында, беҙҙең халыҡҡа ҡаршы һуғышҡан террористар ярҙам ала.” Конференция һөҙөмтәләре буйынса килешеү төҙөү өсөн, барыһының да берҙәм рәүештә уны хуплауы кәрәк ине. Киләһе аҙнада документ БМО-ның Генераль Ассамблеяһында тауышҡа ҡуйыласаҡ- унда, килешеү төҙөү өсөн, 50 дәүләттең хуплауы ла етәсәк. Халыҡ-ара килешеү йыллыҡ әйләнеше 70 миллиард доллар тәшкил иткән ҡорал сауҙаһы өҫтөнән ҡаты контроль булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
«Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә «Шәжәрә» республика һүрәттәр конкурсына эштәр ҡабул ителә. Бында белем усаҡтарынан, һынлы сәнғәт мәктәптәренән йәш рәссамдар ҡатнашырға саҡырыла. Әлеге бәйгене Мәҙәниәт министрлығы менән республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең рәсемдәрен «Шәжәрә» республика балалар һүрәттәре конкурсы фотоальбомына https://vk.com/album-44728784_270495576 ҡуйырға кәрәк. Эштең уң яҡтағы аҫҡы мөйөшөндә һүрәттең исеме, авторҙың тулыһынса исем-шәрифе, тулы йәше, синыфы (төркөмө), етәксеһенең тулы исем-шәрифе, белем биреү учреждениеһының тулы атамаһы булыу мотлаҡ. Конкурс эше матур итеп биҙәлгән булырға тейеш. Жанр һәм башҡарыу техникаһына сикләүҙәр юҡ. Һүрәттәр һәм плакаттарҙы теләгән техникала башҡарырға була (гуашь, тушь, пастель, компьютер графикаһы, ҡатнаш техника...). Һүрәттәр ике йәш төркөмөндә – 7-нән 10 йәшкә, 11-ҙән 14 йәшлектәр араһында билдәләнә. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса һәр категорияла өс лауреат һәм махсус приздарға лайыҡ булыусылар асыҡлана. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Һөҙөмтәләр менән 1 июндә республика халыҡ ижады үҙәге сайтында https://rcntrb.com/ru танышырға мөмкин. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Бөтә яҡтан да уңған, шәп, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған ғаиләләр районыбыҙҙа арта бара. Иҫке Бикмәт ауылында ғүмер итеүсе Ленария һәм Салауат Ситдиҡовтар ҙа күптәр өсөн өлгө булып тора. Һәр яҡлап та талантлы, эшлекле, тырыш ғаиләлә балалар ҙа рухлы, илһөйәр, үҙ быуынын белеп үҫә. Икеһе ике районда тыуып үҫкән Ленария менән Салауат Нефтекама ҡалаһында осраша. Йәштәр никахлашып, ғаилә ҡора һәм Иҫке Бикмәт ауылында төпләнә. Тормоштарына йәм өҫтәп бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә. Салауат Нәғим улы ауыл клубы мөдире, ә Ленария Ғәбделәүхәт ҡыҙы — китапханасы. Улар бик тырыш ғаилә. Балалар бәхете, ғаилә именлеге өсөн арыу-талыу белмәйенсә, татыулыҡта һәм берҙәмлектә донъя көтәләр. Бөтә яҡтан да уңған, шәп, заман менән бергә атлап, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған ғаиләләр районыбыҙҙа арта бара. Иҫке Бикмәт ауылында ғүмер итеүсе Ленария һәм Салауат Ситдиҡовтар ҙа күптәр өсөн өлгө булып тора. Һәр яҡлап та талантлы, эшлекле, тырыш ғаиләлә балалар ҙа рухлы, илһөйәр, үҙ быуынын белеп үҫә. Икеһе ике районда тыуып үҫкән Ленария менән Салауат Нефтекама ҡалаһында осраша. Йәштәр никахлашып, ғаилә ҡора һәм Иҫке Бикмәт ауылында төпләнә. Тормоштарына йәм өҫтәп бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә. Салауат Нәғим улы ауыл клубы мөдире, ә Ленария Ғәбделәүхәт ҡыҙы — китапханасы. Улар бик тырыш ғаилә. Балалар бәхете, ғаилә именлеге өсөн арыу-талыу белмәйенсә, татыулыҡта һәм берҙәмлектә донъя көтәләр. Салауат Нәғим улы моңло итеп йырлай, ә Ленария Ғәбделәүхәт ҡыҙы концерттарҙы матур итеп алып бара. Әкренләп сәхнәгә ҡыҙҙары ла сыға. Ғаилә башлығын район сәхнәһендә лә йыш күрәбеҙ. Ситдиҡовтар гөрләтеп донъя көтә, күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт ҡарай, ихата һәм баҡсаларында күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр һәм емеш-еләк үҫтерәләр. Ленария бар эшкә лә оҫта хужабикә. Буш ваҡыттарында ҡулына бәйләмен ала. Зауыҡ менән бәйләгән башлыҡ, салфеткаларҙы кемдәргә генә бүләк итмәне икән? Тәҙрә төптәрендә шау сәскәгә күмелгән гөлдәргә лә һоҡланмау мөмкин түгел. Һәр йыл уңған йәшелсәнән егәрле хужабикә ҡышҡылыҡҡа төрлө салат, ҡабымлыҡтар, баҡсаларында үҫкән емеш-еләктән ҡайнатмалар әҙерләй. — Балалар өсөн тырышабыҙ. Уларға юғары белем биреү, башлы-күҙле итеү, тор-мошта үҙ урындарын табыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыу — был беҙҙең төп бурыс, — ти хәстәрлекле ата-әсә. – Аллаға шөкөр, бала¬ла¬рыбыҙ үҙҙәре лә бик тырыш, белемгә ынтылып тора. Һәр береһенең үҙ ынтылыш¬тары бар.Бергәләп кәңәшләшеп, уларҙың уй-теләктәренә ҡолаҡ һалып йәшәйбеҙ. Киләсәктә лә уңыш йылмайһын, бәхетле булһын ҡәҙерлеләребеҙ. Балтас районында үткән республика шәжәрә байрамында ҡатнашып, Ситдиҡовтар “Ғаилә ижады” номинацияһында еңеү яуланы. Шулай барыһын да һоҡландырып йәшәүсе был татыу ғаилә ауылдың йөҙөк ҡашы булып тора. Эльза Ғарипова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Башҡортостанда 2023 йылда «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты буйынса 247 тораҡ пунктта мобиль интернет һәм бәйләнеш барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостанда йәшәүселәр 4G мобиль бәйләнеше өсөн тауыш бирә Рәсәй Федерацияһының 1800 тораҡ пункты халҡының «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты ярҙамында 2023 йылда 4G/LTE стандартындағы мобиль бәйләнеше буласаҡ. Икенсе йыл Башҡортостан халҡының мобиль элемтә станцияһын урынлаштырыу талап ителгән ауыл тураһында белдереү мөмкинлеге бар.. Беҙҙең төбәктә беренсе тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 130 тораҡ пункт һайлап алынған, улар өсөн халыҡ әүҙем тауыш биргән. 2022 йылда тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 117 ауыл «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль проектына индерелә, – тип хәбәр итте Башҡортостан республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. 2023 йылда республиканың 100-500 кешенән торған 247 тораҡ пунктында мобиль интернет һәм бәйләнеш барлыҡҡа киләсәк. "Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү" - Һанлы Министрлыҡтың өҫтөнлөклө проекттарының береһе. Ул 2030 йылға идең 100-500 кеше йәшәгән бөтә тораҡ пункттарына интернет үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта халыҡ элемтәнең һәм интернеттың тәү сиратта ҡайҙа кәрәклеген үҙҙәре һайлай. Бөтә Рәсәй тауыш биреү быйылға тамаланды.. Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, Белорет, Шаран, Хәйбулла, Ҡыйғы, Әбйәлил, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында йәшәүселәр әүҙем тауыш бирә. Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғына 31 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Интернет һәм һанлы технологиялар кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итәсәк - бик күп заманса сервистар, мәҫәлән, онлайн-белем биреү, электрон дәүләт хеҙмәттәре, телемедицина ҡулланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Рәсәйҙең 18 йәштән өлкән һәр гражданы төбәктең даими теркәлгән тораҡ пункты өсөн тауыш бирә ала. Онлайн тауыш биреү быйыл 12 ноябргә тиклем барҙы. Рәсәй почтаһы ебәргән хаттар Министрлыҡҡа 2022 йылдың 26 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса килгән осраҡта иҫәпкә алына. 2030 йылға «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты ярҙамында Башҡортостан Республикаһының 100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән бөтә тораҡ пункттары 4G мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк Автор:Равиля Бардыбаева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
2020 йылда Өфөнөң төньяғында Башҡорт дәүләт медицина университетының медколледжы филиалын асыу планлаштырыла. Был эш "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. 500 урынлыҡ дөйөм ятағы булған уҡыу йорто Репин урамындағы 6-сы йортта, уҙған быуаттың 50-се һәм 70-се йылдарында төҙөлгән әүәлге 5-се профессиональ училище бинаһында урынлашасаҡ. Был биналарҙы республика власы Өфөләге уҡыу йорттарына тапшырҙы. Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Республика инженерлыҡ лицей-интернатының дөйөм ятаҡтары ла ошонда асыла. Төньяҡ филиалда 150-гә яҡын урта звено медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләйәсәктәр. Ҡала хакимиәте вуздарға биналарҙы ваҡытында реконструкциялап, файҙаланыуға тапшырыуҙа ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Әйткәндәй, проект ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Йыл башында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1150 табипҡа һәм 973 шәфҡәт туташына ҡытлыҡ кисергәйне. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Ҡайҙалыр кемделер туҡмап киткәндәр, берәүҙең телефонын урлағандар, ире ҡатынын йәберләгән... Шунда уҡ енәйәт урынына участковыйҙар юллана. Салауат эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйы, полиция майоры Наил Хәлитов һәр хәлде үҙе кисергәндәй була. Енәйәттәрҙе тикшергән ваҡытта уға төрлө кешеләр менән танышырға, аралашырға тура килә, уларҙың яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнаша. Ейәнсура егете Наил Ринат улына Башҡорт дәүләт университетының физкультура бүлегендә уҡығанда полицейский булырға тигән уй килә. Үҙенең районында эш булмағанлыҡтан, Салауат ҡалаһына йүнәлтмә ала. Бында ул балиғ булмағандар эше буйынса инспектор вазифаһында эш башлай. 2013 йылдан алып 1-се административ биләмәнең полиция участковыйы уполномоченныйы итеп күсерелә һәм әле лә шунда ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Хәҙерге ҡатмарлы заманда ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр тыуып ҡына тора. Бергәләп, бер маҡсатта эшләгәндә генә енәйәтселекте еңеп, уның тамырын ҡоротоп, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы “ауыҙлыҡлап” буласағын Наил Хәлитов яҡшы аңлай. Участковый уполномоченныйына кем генә мөрәжәғәт итһә лә - бер ваҡытта ла законды боҙмаған тәртипле гражданинмы, йәки енәйәтсеме - тәртип һаҡсыһы уның менән иҫәпләшә, яҡшы мөғәлләмәлә булырға, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша. Наил Ринат улы өлгөлө хеҙмәте өсөн бик күп дипломдар, грамоталар һәм хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн III дәрәжә миҙалы менән наградланған. - Һөнәрем бик тә оҡшай. Бер туған ҡустым Рөстәм Әбйәлил районында полицияла хеҙмәт итә. Эшкә килгәс иртән оперативкаға юлланабыҙ. Унда төрлө проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡарала, пландар төҙөлә. Көн оҙоно бүлмәлә генә ултырмайбыҙ, шылтыратыуҙар һәм йүнәлтмәләр буйынса енәйәт башҡарылған ергә юлланабыҙ. Төрмәнән сыҡҡан, шартлы хөкөм ителгәндәрҙең, йыш янъял ҡуптарыусыларҙың, наркологик иҫәптә торғандарҙың, психик ауырыуҙарҙың, имен булмаған ғаиләләрҙең йәшәү урындары буйынса ай һайын йөрөп сығабыҙ. Эш аҙағында ҡоралды һаҡлау камераһына ҡалдырып, башҡарылған эштәргә отчет биреп ҡайтып китәбеҙ. Элегерәк урамда урлау кеүек енәйәттәр булһа, хәҙер интернет аша алдатыуҙар күп, - ти Наил Хәлитов. Полицейскийға эшенең уңышлы барыуы өсөн иң мөһиме - уны аңлаған һәм һағынып көтөп торған ғаиләһенең булыуы. Тормош иптәше һәм ике балаһы - уның ғүмер юлдашы. Наил Ринат улы яуаплы һәм ғәҙел тәптип һаҡсыларының береһе булараҡ ял һәм байрам көндәре менән иҫәпләшмәйенсә, тәүлек әйләнәһенә халыҡҡа хеҙмәт итә.
Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойошторған “Тарих яҙыр инем ташына” әҙәби марафоны Дүртөйлө районынан баш алған булһа, март айының һуңғы көнөндә Бөрйән районының Байназар ауыл мәҙәниәт һарайында “түңәрәк” өҫтәл форматында дауам итте. Ҡунаҡҡа борон-борондан иң-иң яҡшы ризығын тәҡдим иткән, һөнәрен, донъяһын, сифатын, күрһәткән башҡорт был юлы ла һыната буламы – Байназарҙың “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор төркөмө Өфө ҡунаҡтарын дәртле таҡмаҡтарын әйтеп, күҙҙең яуын алырлыҡ ҡаралдыһын – йәйғор төҫөндәге ҡорамаларын, туҡмаҡлы сергетыштарын, түшәк-яҫтығын күрһәтеп, урындыҡҡа ултыртып ҡуҙ самауырының боҫ борҡотоп ултырған сәйе, ыуыҙ ҡоймағы, телеңде йоторлоҡ бәлештәре менән һыйлап ҡаршы алды. Ауыл ағинәйе Фәнүзә Ишбаева бөрйән ырыуының исемен дә, ҡайныһының солоҡ тамғаһын да һалған ҡорамаһына, һәр ҡорама түшәгенең тарихын тыпылдатып бәйән итеп, башҡорттоң көнкүреше менән таныштырып, ҡунаҡсыллығын ғәмәлдә раҫлап та ҡуйҙы. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева, сараны асып, баш ҡала ҡунаҡтары менән таныштырҙы. Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, философия фәндәре кандидаты, шағир Нурлан Ғәниев бөрйәндәргә Яҙыусылар Союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Арслан улының тәбрик-сәләмдәрен еткерҙе. “Яҙыусылар Союзында эш башлағас та, минең иң беренсе эш сәфәрем хозур тәбиғәтле Бөрйән районына булды. Аҫҡарҙа Самат Ғәбиҙуллиндың хәтер кисәһендә булып, был төбәктә алсаҡ, ябай, рухлы һәм талантлы халыҡ йәшәүенә инанып ҡайттым. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы менән ошо марафонды үткәреүҙе ниәтләгәндә үк уның ниндәй форматта үтеүен һәр район үҙе һайлаһын, тип һөйләштек һәм яңылышманыҡ: һәр район үҙенә генә хас алымдарҙы ҡуллана, һәр төбәктең үҙенсәлеге ярылып ята. Марафондың төп маҡсаты – халҡыбыҙ рухиәтенең төп өлөшө, байлығы булған әҙәбиәткә иғтибар йүнәлтеү, уны үҫтереү, күтәрмәләү юлдарын бергәләп эҙләү, һүҙ ҡеүәһен, баһаһын арттырыу, киләсәк быуында ошо ҡиммәттәргә һөйөү тәрбиәләү, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртыу. Марафондың исеме тиккә генә ошолай аталмаған – әҙәбиәтте халҡыбыҙ тарихынан айырып ҡарау мөмкин түгел. Быйылғы “Башҡорт тарихы” йылында был марафон бик урынлы һәм ул күмәк көс менән маҡсатына ирешер, тигән уйҙабыҙ. Бөгөн беҙ һеҙҙе тыңларға, кәңәш-төңәш итергә, проблемалар булһа, уртаға һалып һөйләшергә, шатлыҡтар булһа, уртаҡлашырға килдек”, -тине. Шағирә, драматург, тәржемәсе Лилиә Ҡәйеповаға ла сетерекле генә һорауҙарға яуап тоторға тура килде. “Мин үҙем шәхсән әҙәбиәтте “көслө”, “көсһөҙ” гә бүлгеләүгә ҡаршы. Һәр шағир, әҙиптең яҡшы, көслө яғы менән бер рәттән һүрән яғы ла бар. Һәр кем үҙе кисерештәрен яҙа. Ҡәләм әһеленең 10 - 20 уҡыусыһы бар икән – уның әҙәбиәт тигән майҙансыҡта үҙ урыны бар, тигән һүҙ. Бөгөн китаптарҙы үҙебеҙ сығарыр көнгә килеп еттек. Аҡсаһы күп кеше китабын сығара ала. Әммә һорауҙың икенсе яғы ла бар – ул китапты уҡыусы бармы? Бөтә Яҙыусылар союзы ағзалары исеменән китапханасыларға, телебеҙ һағында торған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәтемде белдерәм – улар рухиәт, тел һағында уяу тора һәм хәленән килгәндең барыһын да эшләй”-, тине үҙ сығышында. Яҡташыбыҙ, йәш шағирә, “Башҡортостан” гәзите һәм “Аҡбуҙат” журналында эшләүсе Айгөл Йәмилева-Ғәбитова: "”Аҡбуҙат” алдырған кеше киләсәктә “Башҡортостан”ды ла, туған телдәге башҡа баҫмаларҙы ла уҡыясаҡ. Милли матбуғатты һаҡлау – гәзит-журналдар өҫтөндә. Мин йәштәр менән бәйләнеш булдырам, уларға яҡын темаларға яҙам. “Ҡош юлы” шиғриәт бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһемен. Әҙәбиәткә йәштәр килмәй, тигән фекер менән килешмәйем. Йәштәр бар, уларға ҡанат ҡуя, осоштарға әҙерләй белер генә кәрәк. “Ҡыл” тигән проект өҫтөндә лә эшләйбеҙ”, – тине һәм күптәр яратып ҡабул иткән ”Атайһыҙҙар” шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар шундай матур әңгәмә ҡорҙо – унда телдең, әҙәбиәттең киләсәге мәсьәләләре лә, китап сығарыу, уҡыусы–әҙип бәйләнештәре лә, википедияла эштәрҙе әүҙемләштереү кәрәклеге лә күтәрелде һәм уларға яуаптар эҙләнде. Прозаик, уҡытыусы Миңнур Ҡасимова: “Милләт әсәһе, милләт тотҡаһы, милләт ҡалҡаны. Яңғырауыҡлы ғына түгел, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр. Хәтерегеҙҙәлер, килендәр ҡәйнәләрен, ҡыҙҙар әсәләрен хөрмәтләп, “өйҙөң йоҙағы” йәки “өйҙөң биге бит ул” тип, хөрмәтләп әйткәнен. Ул һүҙҙәр ҙә тик лайыҡлыларға ғына эләгер ине. Тағы “ултырһын ғына инде” тип тә өҫтәп ҡуйырҙар ине. Был осраҡта, бәлки бөтөнләй аяҡтан ҡалып та, һәр нәмәгә күҙ-ҡолаҡ булып ултырыусыны күҙ уңында тотҡандарҙыр. Башҡорт бит кинәйәләп һөйләшеүҙе ярата - “үлеп кенә ҡуймаһын” тимәне. Һүҙ тәрән мәғәнәгә эйә. Хатта беҙ өс хәрефләп ҡулланған яман сирҙе лә “рәнйеү” тип ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырлап ҡына өндәштеләр. Әҙәбиәт ҡалҡаны – һалҡын ҡоралдан, тимәк, насар һүҙҙән, насар уйҙан һаҡлар ҡорал. Милләт ҡалҡаны – башҡорттоң үҙаңын уятырлыҡ, дөрөҫ юлға төшөрөр матур әҫәрҙәрҙең ижад ителеүелер. Беҙ – классик әҫәрҙәр уҡып үҫкән быуын. Фәһемле әҫәрҙәр, матур әҫәрҙәр уҡып үҫкән быуын. Бөгөн кем интернетҡа күберәк һала – шуны халыҡ белә. Проза әҫәрҙәре туплаған ниндәй генә төркөмдәр юҡ? Уларҙа ниндәй генә әҫәрҙәр юҡ. (Интернетта соҡоноп ултырмаһаң да, яңылыҡтар таҫмаһында үҙенән-үҙе килеп сыға). Клавиатурала баҫылған ниндәй генә яҙманы ла халыҡ ысын, тип ҡабул итә. Ышана. Әҙәпһеҙ һүҙ яҙҙыңмы – ҡабатлай, мәжүсилеккә таяндыңмы – йола итеп ала. Милләт ҡалҡаны булған әҙәбиәттә һүҙ дөрөҫлөгө мөһим. Иң бөйөк китап яҙылған. Ҡөрьән. Яҙыусы бөйөк әҫәр түгел, уҡымлы һәм фәһемле әҫәр яҙа ала. Һәр һүҙе һәм һәр һөйләме дөрөҫ булһа ине”, – тигән дәлилле, төплө фекерҙәре менән сараға йән өрһә, сәсәниә Гүзәл Һырлыбаева үҙенең әҙәбиәткә 50 йәштән һуң килеү тарихын бәйән итеп, ҡәләм эшенә ҡасан тотоноуҙың да һуң түгеллеген күңел йәдкәрҙәре аша раҫланы. Байназар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Баязитова ижад йүнәлешендәге эштәре хаҡында һөйләп, мәктәптәрендә Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияға лайыҡ өс уҡыусы булыуы, “Йәншишмә”, “Аманат” тың йәш хәбәрселәре ишәйеүе хаҡында һөйөнөслө хәбәрҙәрен еткерҙе. Байназар мәктәбенең өмөтлө ҡәләм әһелдәре – Зилиә Буранбаева, “Һеңлекәш” фильмында төшкән йәш әртис, ”Аманат” тың йәш хәбәрсеһемен, “Йәншишмә” неке лә булғым килә, тип алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған 7-се класс уҡыусыһы Азамат Ҡарағолов, Вәсилә Әйүпова, Сәлимә Дәүләтшиналарҙың әҙәбиәт, үҙҙәренең ижадҡа килеүе, ижад процесы менән шундай тәфсилләп, матур итеп һөйләүҙәре менән барыһын таң ҡалдырған уҡыусылар “әҙәбиәттең, башҡорт теленең киләсәге юҡ” тигән шик-шөбһәне күңелдәрҙән шундуҡ юйып ташланы. Фәнүзә Ишбаева, “вики-өләсөй” Көнһылыу Ҡотлобаева, шағир һәм тарихсы-эҙәрмән, публицист Мөнир Фәйзуллиндарҙың нигеҙле сығышы, Байназар ағинәйҙәре Миңзәлә Һиҙиәтова, Фәнүзә Аҙанғоловаларҙың үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын ғәмгә еткереүе сараға баҙыҡлыҡ, сәм , рух өҫтәне. Китапханасылар үҙҡурсаланыу осоронда халыҡты уҡымлы китаптар менән тәьмин итеүҙәре, китаптар етмәүе, бигерәк тә яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманова, Айһылыу Йәғәфәрова, Яныбай Хамматовтың китаптарын халыҡ туҙҙырғансы уҡыуы, ошо авторҙарҙың китабына ихтыяж ҙур булыуын да, “ Йөрәк һүҙе” проектынан һуң уҡыусыларҙа шиғырға ҡыҙыҡһыныу артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошондай рухлы, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкән сараларға һыуһаған икән халыҡ – һөйләшеп һүҙ бөтмәне. Өфө ҡунаҡтарының: “Бында халыҡ китап уҡый. Ошондай йәнле, халыҡсан һөйләшеү, китаптарға, әҫәрҙәргә баһа биреү марафон барышында әле булғаны юҡ. Бөрйәндәрҙәге рухи күтәренкелеккә ҡыуанып ултырабыҙ”, - тип бөрйәндәрҙең дуғаһын күтәреп ебәреүе артабанғы ижади осоштарға ҡанат ҡуйҙы, ғәмгә сәм генә өҫтәне. Айһылыу Ғарифуллина. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өләсәйем 1927 йылдың 20 мартында Ырымбур өлкәһендә донъяға килә. Ата-әсәләре бик уңған, егәрле була. Үҙҙәренең ерҙәрендә күп итеп мал аҫрайҙар. Уҙған быуаттың егерменсе-уты­ҙынсы йылдарындағы аяныслы ваҡиға­лар­ҙың әсе елдәре уларға ла ту­ра­нан-тура ҡағыла. Йорттарын, мал-мөлкәттәрен тартып алып, үҙҙәренә “халыҡ дошманы” тигән мөһөр баҫалар. Шулай, Гөлдәр өләсәйемә — дүрт, ә ҡустыһына бер йәш тулғанда ғаиләләрен ат арбаһына ултыртып, ҡайҙа икәнен дә әйтмәй, оҙаталар. Тауар поезында ас-яланғас, иртәгә нимә булырын да белмәй, шөбһә һәм ҡурҡыу аҫтында бик күп барғас, Кемеров өлкәһе Крапивинский районының бер ауылындағы барактарға урынлаштыралар. Был хәлдәрҙе өләсәйем хәҙер күҙ йәштәре менән иҫкә ала. Уңған кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Унда ла ата-әсәһе үҙҙәрен аямай, тырышып эшләй. Атаһы тәүҙә урман киҫә. Сәләмәтлеге ҡаҡшағас, колхозға күсерәләр. Унда ла төрлө эштә көс түгә: баҫыуҙа иген үҫтерә, малсылыҡта ла эшләй, колхоз умартасылығында умартасы ла, тирмәнсе лә, мейес сығарыусы ла. Өҫтәүенә, ҡул эштәренә лә бик маһир була: ағастан һәм ҡалайҙан бына тигән итеп йорт кәрәк-яраҡтары яһай. Балта эшенә лә оҫта булғас, күп тә тормай үҙҙәренә яңы өй һалып сығалар. Колхоз бер һыйыр бирә. Шулай донъялары бөтәйә, яйға һалына. Бында килгәс, тағы ла ике бала тыуа, ғаилә ишәйә. Әсәләре лә бик уңған була. Урман да киҫә, кейем дә тегә, ашнаҡсы ла була. Һуғыш йылдары үҙәктәренә үтә. Ҡараған йорт малы ризыҡтары, йыйған емеш, бәйләгән, теккән ҡул эштәре — барыһы ла фронтҡа оҙатыла. Һуғыш бөттө, тигән хәбәрҙе ишеткәндә өләсәйемә 18 йәш була. — Беҙҙең ғаилә Кемеров өлкәһендә 25 йыл йәшәп, аҙаҡ Башҡортостандың Ейәнсура районы Үтәғол ауылына ҡайтып төпләнә. Унда ла атайым ҙур итеп йорт һалды. Бөгөн бер һеңлем менән ҡустым ғына иҫән, — тип ауыр көрһөнә өләсәйем. Ул үҙе 21 йәшендә комсомол отряды менән Ленинск-Кузнецкий ҡалаһына шахтаға эшкә китә. Нәҡ ошонда олатайым, Борай районы егете Ғабделҡәҙим Шәйсолтан улы менән таныша. Ул да ошонда эшләгән була. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, улар ғаилә ҡора. 1950 йылда тәүге сабыйҙары Гөлзифа апай тыуа. Йәш ғаилә 1951 йылда Борай ауылына ҡайтып төпләнә. Олатайым колхозға урынлаша. 1962 йылдан икенсе ойошмаға ташсы-оҫта булып эшкә күсә. Өләсәйем менән бик матур донъя көтәләр. Дүрт ҡыҙ — Гөлзифа, Флорида, Мөнирә, Флүзәгә ғүмер бүләк итәләр. Шуныһы ҡыҙғаныс, олатайым, ҡаты ауырып, 43 йәшендә донъя ҡуя. Өләсәйем яңғыҙы дүрт баланы тәрбиәләп үҫтереп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Ул универмагта кейем беҫеүсе (закройщица) булып 20 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡул эштәренә бигерәк оҫта була. Йәшерәк сағында күҙ яуын алырлыҡ биҙәктәр менән сиккән, селтәр бәйләгән, кейемдәр теккән. Бөгөн ул ҡыҙы Флорида менән йәшәй. Ҡалған апайҙарым да Борай ауылында етеш донъя көтә. Үҙҙәре күптән өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйә. Аяныслы йылдар, ауыр тормош һындырмаған өләсәйемде. Еңеү байрамы алдынан беҙ ғорурланып, уның дүрт ҡыҙы һәм кейәүе, 9 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре бергәләшеп өләсәйебеҙҙе ҡотларға барабыҙ. Сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе, хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, уның хәтирәләрен тыңлайбыҙ. Балаларыбыҙ ғаилә тарихын белһен, традицияларыбыҙҙы һаҡлаһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Алһыу Ғималтдинова. Наилә Имаева. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Ҡала-ауылдарҙы биҙәү дүрт йүнәлештә атҡарыла. Улар -- газондар, тротуарҙар, ҡоймалар һәм урамды яҡтыртыу. Был эштәрҙең барыһы ла төбәктәрҙә атҡарыла. Яңы ҡоймалар ҡуйыу, газондар, тротуарҙар эшләү, урамдарҙы яҡтыртыу, биләмәләрҙе таҙалыҡта тотоу кеүек эштәр муниципаль райондарҙың барыһында ла атҡарыла. Республика буйынса яңы эшләнелгән ҡоймалар 163 км тәшкил итә. Ҡыҙыл һыҙыҡтағы ҡоймалар маҡсатҡа ярашлы бер төрлө стилдә башҡарыла ла башланды. Газондар формаһы үҙгәрә. 26 муниципалитетта 128 мең кв.м. майҙанға яңыса газон һалынған, иҫкеләре ремонтланған. Үҙәк урамдарҙа һәм ихаталарҙа сәскә түтәлдәре яңыртылған. Тротуарҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Уларҙың 23 км ремонтланған. Таҙалыҡ көндәре әүҙем үтә. Унда 700 меңләп кеше ҡатнаша. 17 мең тонна сүп-сар сығарып түгелгән. Тораҡ йылдар уңайынан дан һәм ҡәҙер урындарына айырыуса иғтибар бүленә. Еңеүҙең юбилей йылында 350 һәйкәл һәм обелиск, дан мемориалдары реконструкциаоанған һәм ремонтланған.
Ырымбур өлкәһенең Үрге Ильяс ауылында башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Буранғоловҡа стела асыла. Был хаҡта Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Стелала яҙыусының портреты, әҫәрҙәренең геройҙары һүрәтләнгән һәм уның хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙылған. Асыу тантанаһы 5 октябрҙә була һәм яҙыусының 130 йыллығына арнала. Иртәнге сәғәт 10-да башлана. Сараларҙа тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты Нурислам Ҡалмантаев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ҡатнаша. Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) — халыҡ сәсәне, драматург, «Урал батыр» эпосын яҙып алған, шулай уҡ киң ҡатлам уҡыусыларға башҡорт халҡының башҡа рухи хазиналарын асҡан ғалим-фольклорсы. http://www.bashinform.ru/bash/1220258/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан төшөүе тураһында иҫкәртә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 1 августа, көндөң беренсе яртыһында республикала урыны менән 500-1000 метрҙан кәмерәк күреү мөмкинлеге менән томан көтөлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы томан шарттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш бирә. «Юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһына ярашлы, ҡурҡыныс аварияларҙың өстән беренән ашыуына тап томанда күреү мөмкинлегенең кәмеүе сәбәпсе. Томан шарттарында йөрөтөү стажы һәм хатта иң шәп автомобилдәрҙең техник мөмкинлектәре фажиғәнән араламауы ихтимал. Томанда хәрәкәт иткәндә уң яҡтан барырға, ҡаршы һыҙат буйынса уҙмаҫҡа кәрәк», — тип билдәләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. 1 августа Башҡортостанда көслө ҡойма ямғырҙар, йәшен, елдең тиҙлеге секундына 21-26 тиклем етеүе фаразлана. http://www.bashinform.ru/news/1336026-mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-tumane-i-plokhoy-vidimosti-... http://www.bashinform.ru/bash/1336058/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
"Демография” милли проекты - өҫтөнлөклө мөһим проекттарҙың береһе. Уның быйылғы үтәлеше йомғаҡтарына арналған видеоконференцияла тормошҡа ашырылған эштәр барланды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан "Демография” милли проекты - өҫтөнлөклө мөһим проекттарҙың береһе. Уның быйылғы үтәлеше йомғаҡтарына арналған видеоконференцияла тормошҡа ашырылған эштәр барланды. Быйыл балалар баҡсалары төҙөлөшөнә 2027,9 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1987,3 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған. “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проектына ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында кәм тигәндә 4,13 мең урын барлыҡҡа килергә тейеш. Файҙаланыуға тапшырылыусы объекттарҙың әҙерлеге ниндәй кимәлдә? Бүленгән аҡсаны үҙләштереү кимәле 15 октябргә ҡарата 76 процент тәшкил иткән. Был проектҡа ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау һөҙөмтәһендә өҫтәмә урындар булдырыласаҡ. Республика райондарының 99 объектында 2131 өҫтәмә урын барлыҡҡа килеүе көтөлә. 21 объектта эштәр тамамланған, 77-һендә ремонт һәм йыһазландырыу эштәре дауам итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Демография” милли проектына ингән биш федераль проекттың тәүге икәүһе тап ошо мөһим мәсьәләләрҙе күҙ уңында тота: балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы һәм ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем алыу өсөн шарттар тыуҙырыу. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Йә Хоҙай, был нимә?! Табут ҡапҡасы түгелме һуң? Иртәнсәк кенә бөтәһе лә үҙ урынында ине бит, ире лә, балалары ла иҫ белмәй йоҡлап ятып ҡалды. Кемгә нимә булған һуң? - Өйгә инмәй тороғоҙ, унда мәйетте йыуалар, беҙгә лә сығып торорға ҡуштылар, - тине кемдер уға һаҡ ҡына ҡағылып. Йә Хоҙай, был нимә?! Табут ҡапҡасы түгелме һуң? Иртәнсәк кенә бөтәһе лә үҙ урынында ине бит, ире лә, балалары ла иҫ белмәй йоҡлап ятып ҡалды. Кемгә нимә булған һуң? - Өйгә инмәй тороғоҙ, унда мәйетте йыуалар, беҙгә лә сығып торорға ҡуштылар, - тине кемдер уға һаҡ ҡына ҡағылып. Башбаштаҡ Автобустан төшөп ҡалған Мәрйәм ҡулындағы ауыр сумкаһын алмаш-тилмәш ике ҡулына тотоп, яй ғына өйөнә табан атланы. Их, кеше һымаҡ “тимер ат”лы булһа, йонсоп йөрөмәҫ ине лә бит, юҡ шул, машина алыу түгел, ашарҙарына саҡ еткерәләр, тигәндәй. Булмағас булманы инде, әсәһе әйтмешләй, баҙарҙа сөсө күмәс: ней ире йүнһеҙ, эшкә бик барымы юҡ, эсеү яғын ҡарап ҡына тора, ней үҙенә ауылда эш юҡ, ҡайһы яҡлап ҡына алып ҡараһаң да, хәлдәре ҡолас ташлап донъя көтөрлөк түгел. Бына әле лә эшһеҙлек буйынса иҫәпкә ҡуйһалар тип район үҙәгенә барғайны ла, пособие аҡсаһының күләмен ишеткәс, ул аҡса миңә ике тапҡыр бында килеп китергә лә етмәй бит, тип ҡул һелтәп сығып китте. Ҡайтҡас та үпкәмде йөҙҙөргәнсе сәй эсермен дә ятып хәл алырмын, тип ҡайтып килгән ҡатын өйҙәре янына теҙелгән биш-алты машинаны, етмәһә, ҡапҡалары шар асыҡ икәнлеген күреп, аптырап китте. Үҙенә текәлгән ят-ят кешеләргә һаулыҡ ҡушырға ла онотоп, ихатаға уҙҙы. Йә Хоҙай, был нимә?! Табут ҡапҡасы түгелме һуң? Иртәнсәк кенә бөтәһе лә үҙ урынында ине бит, ире лә, балалары ла иҫ белмәй йоҡлап ятып ҡалды. Кемгә нимә булған һуң? - Өйгә инмәй тороғоҙ, унда мәйетте йыуалар, беҙгә лә сығып торорға ҡуштылар, - тине кемдер уға һаҡ ҡына ҡағылып. Күҙ алдары ҡараңғыланып, быуындары тотмаҫ булған саҡта мейеһен йәшен һымаҡ ярып бер уй үтте: “Балаларым, балаларым ғына була күрмәһен!” - Мәрйәм! Мәрйәм! Ҡурҡма! – иренең яурынынан тотоп дер һелкетеүенә аңына килгән ҡатын соландағы ширлектә ултырыуын абайланы. Хәл асыҡланғас, иренә ниндәй ҙә булһа ауыр нәмә менән алып тондороуҙан саҡ тыйылып ҡалды Мәрйәм. “Хоҙай аҡыл өләшкәндә, беҙҙең кейәү ситтә тороп ҡалған, бала хәтлем дә уйлай белмәй” тигәйне ағаһы бер мәл кейәүенә нимәгәлер ныҡ ҡына йәне көйгәндә. Ысынлап та шулайҙыр шул: аҡылы бар кеше бөтөнләй сит кеше мәйетен өйөнә индерергә ризалашамы ла, уны ерләр өсөн зыяраттан урын күрһәтәме?! Туған-тыумаса булһа йәки был ауылда тыуып үҫкән кеше булһа бер хәл. Юҡ, ситтән килеп, хан заманында күршеләрендә бер аҙ ғына йәшәп киткән бер танышы “Бына туғаным үлеп китте бит әле, ҡалала күмер өсөн мәшәҡәте күп, шуны берәй ауылға ғына алып барып ерләргә ине” тип шылтыратҡас, алйот ир тотҡан да үҙҙәренең ауыл зыяратын тәҡдим иткән. Мәйетте йыуып, күмергә әҙерләп килтерһәләр ни арыу! Юҡ, берәүҙең ҡәҙерһеҙ балаһы булғандыр инде, асарбаҡ кеүек йөрөгән туғандарын утындай итеп машинаға тейәп, тура ауылға алып киткәндәр ҙә барғандар, бында алып килгәс иһә мәйетте йыуып, кәфенгә төрөп оҙатыу йолаһы иҫтәренә төшкән... Өйҙәренә алып инелгән мәйет балаларының ғына түгел, Мәрйәмдең үҙенең дә ҡотон алғайны: байтаҡ ваҡыт йоҡолары йоҡо, ашауҙары ашау булманы. Төн етһә, утты һүндертмәй аптыраттылар, һаташып бер булдылар. Үҙе ябығып, йонсоп китте, инде генә күҙен йомһа, бүлмә уртаһындағы табут күҙ алдына килә, унда ятҡан әҙәм бына-бына торор ҙа килеп йәбешер төҫлө. Ире иһә һәр ваҡыттағыса бошмаҫ ҡалды, әрләгәнен ҡолаҡ ситенә лә элмәне. Элекке күршеһе ҡалдырып киткән хәйер аҡсаһына ике-өс көн ауа-түнә эсеп кинәнде лә, ул хәлде онотто. Был хәл хәтерҙән бөтөнләйгә юйылмаһа ла, бер-ике йылдай ваҡыт уҙғас, бер аҙ онотола төшкәндәй булды. Берҙән-бер көндө ире баш йүнәтергә тип ауыл араһына темеҫкенеп сығып киткән еренән утҡа баҫҡан бесәйҙәй ҡайтып инде. - Салауаттан Рәзилә апай шылтыратты, Сәмиға инәй мәрхүмә булып киткән... Бер-ике сәғәттән алып киләләр, ирҙәрҙе йыйнап, ҡәбер ҡаҙырға ебәрҙем... Үҙҙәренә сыбыҡ осо туған был инәйҙе Мәрйәм ишетеп кенә белә ине. - Һуң, ул бит күрше ауылдан. Нишләп шунда ерләмәйҙәр? - Унда уларҙы кем көтөп торһон, ситкә сығып киткәндәренә утыҙ-ҡырҡ йыл барҙыр, өйөнөң нигеҙе лә ҡалмаған. Иренең нисәмә быуын айырылған туғандары алдында яман булып ҡалһа ҡалды Мәрйәм, был юлы мәйетте өйҙәренә индертмәне. Ауыл халҡы шул тиклем әҙәпле инде, ишеткәндәре, ихатаның уртаһына ултырғыстарға ҡуйылған табутта урын алған әбей менән таныш булмаһа ла, килеп хәйер бирҙеләр, оҙатып ҡалдылар. Иренә ныҡлы хәтере ҡалды ҡатындың. “Берәү ҙә һинең һымаҡ ғүмер иткән өйөнә ситтән әллә кемдәрҙең мәйетен килтереп ултырмай”, - тип илай-илай әрләне. Тик бәләкәйҙән киҫекһеҙ булып үҫкән һәм “башбаштаҡ” исемен алған Илдусы уның ғына түгел, хатта ауыл биләмәһе башлығы менән ауыл старостаһының әйткәндәрен дә ҡолағына элмәне. - Зыяратта үҙебеҙҙең ауылдыҡыларға ла, ситтән килтерелгәндәргә лә урын етәрлек, башҡа ҡайғығыҙ булмаһа, бушҡа ҡайғырмағыҙ, - тип кенә ебәрҙе уларҙың ярайһы уҡ асыуланыуҙарына иғтибар ҙа итмәй. Шулай ҙа ирҙең бошмаҫлығына нөктә ҡуйылды. К.ҡалаһында фажиғәле вафат булған бер ҡатынды, бында бер туған-ырыуы булмаһа ла, ни сәбәптәндер тап уларҙың ауылына килтереп ҡуйғандар, урындағы халыҡтың күбеһе һәр ваҡыттағыса белмәй ҙә ҡалған. Быныһына инде Мәрйәмдең иренең һис ҡағылышы юҡ ине. Айығып торған һирәк көндәрендә, ашарға ла кәрәк икәнлеге хәтеренә төшкәнлектән, ике-өс көнгә ситкә эшкә киткәйне. Ҡайтҡас, ауылға ниндәйҙер ҡатынды килтереп күмгәнлектәрен ишеткәс, ҡыҙыҡһыныуын тыя алмай, зыяратҡа китте. Унда яңы ҡәберҙе таба алмай байтаҡ йөрөнө, унан инде ҡул һелтәп, килеүен килгәс, бер ыңғай атай мәрхүмдең “хәлен белеп” булһа ла китәйем тип, үҙҙәренең нәҫел-ырыуы мәңгелек төйәк тапҡан мөйөшкә ыңғайланы. Көпә-көндөҙ шайтан күрһә лә, ул тиклем сәстәре үрә тормаҫ ине Илдустың, моғайын: атаһы ҡәберенә терәлеп кенә тигәндәй өр-яңы уба ҡалҡып сыҡҡан. Тупрағы ла баҫылып өлгөрмәгән ҡәберҙең ташындағы һүрәттә һары сәсле ҡатын йылмая. Атаһы вафат булғас, һикһәнгә етеп килгән әсәһе уның янынан мотлаҡ урын ҡалдырыуҙарын үтенгәйне, тап бына шул урынды хәҙер ниндәйҙер мәрйә “биләһенсе”әле! Үлгәс тә ҡарты менән йәнәш булырға теләгән ҡарт әсәһенә ни тип әйтер? Был шаҡ ҡатырғыс яңылыҡты әсәһенә лә, туғандарына ла әйтмәҫкә булды ир... Тик беҙҙе тоҡта йәшереп буламы һуң, күпмелер ваҡыттан һуң барыбер белде әсәһе, белгәс тә таяҡҡа таянып булһа ла үҙ күҙҙәре менән барып күрҙе һәм янъял ҡуптарҙы: - Шартлаһағыҙ-шартлағыҙ, миңә тәғәйен урынды бушатығыҙ! 50 йыл бергә ғүмер иткән ҡартым янында һары мәрйә түгел, мин ятам! Әсәләренең ярһыуы туғандарына ла күсте: беренсенән, ауылға бер ҡағылышы булмаған кешене нишләп килтереп ерләгәндәр, икенсенән, зыяратта башҡа урындар бөткәндәй, нишләп нәҡ уларҙың атаһының янындағы урынды һайлағандар?! Ауыл халҡының кемеһелер уларҙы яҡлашты, судҡа бирергә, теге ҡатынды ҡаҙып алып башҡа ергә ҡайтанан ерләргә тәҡдим итте, икенселәре үлгәс ҡайҙа ятһаң да барыбер түгелме ни, былар ниңә ҡотора, тип баш сайҡаны, өсөнсөләр иһә Илдус теләһә кемде ауыл зыяратына килтереп ерләтеүҙе үҙе башланы тип үсәгәндәй итте. Билдәле булыуынса, был хәлгә нөктә ҡуйылмаған: ҡарт әсә һаман да “урынын” бушатыуҙарын көтә һәм, бәхеткә күрә, үҙ аңында булып, үҙ аяғында йөрөй. Илдус иһә үҙенә ғүмерлек һабаҡ алған – бер олоно, бер кесене тыңларға, бар ауылға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә баш-баштаҡлыҡ ҡылмаҫҡа. Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Карантин, айырыуса хәүефле һәм хәүефле үҫемлек ҡоротҡостарына, үҫемлек сирҙәрен барлыҡҡа килтереүселәргә, сүп үләндәренә ҡаршы көрәш дәүләт әһәмиәтенә эйә. Был өлкәлә хоҡуҡ боҙған өсөн, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы территорияһына һәм карантин объекттарынан азат булған зоналарға карантинда булған продукцияны (карантинда булған материалды, йөктө) индереү, ил территорияһынан һәм карантин фитосанитар зоналарҙан сығарыу тәртибен, шулай уҡ вәкәләте булған органдар һәм вазифалы шәхестәр тарафынан карантинда булған продукцияны етештереү, әҙерләү, ташыу, һаҡлау, ҡайтанан эшкәртеү, ҡулланыу һәм һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яҙыҡлыҡ ҡылыуҙа ғәйеплеләргә административ штраф һалына. Ғәмәлдәге законға ярашлы ошо хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралмаһа, ғәйеплеләр РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста ҡаралған административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Мәҫәлән, административ яуаплылыҡ ҡаралған хоҡуҡ боҙоуҙарға түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин: Карантин, айырыуса хәүефле һәм хәүефле үҫемлек ҡоротҡостарына, үҫемлек сирҙәрен барлыҡҡа килтереүселәргә, сүп үләндәренә ҡаршы көрәш ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (статья 10.1) - граждандарға иҫкәртеү менән янай йәки 300 һумдан 500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Карантинда булған продукцияны (карантинда булған материалды, йөктө, статья 10.2) индереү һәм сығарыу тәртибен боҙған өсөн - граждандарға 300 һумдан 500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Карантинда булған продукцияны етештереү, әҙерләү, ташыу, һаҡлау, ҡайтанан эшкәртеү, ҡулланыу һәм һатыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (статья 10.3) - граждандарға 200 һумдан 500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; юридик белеме булмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырған кешеләргә - 500 һумдан 1 мең һумға тиклем штраф йәки эшмәкәрлектәрен туҡһан тәүлеккә тиклем административ туҡтатыу менән янай; юридик шәхестәргә - 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына йәки эшмәкәрлектәрен туҡһан тәүлеккә тиклем административ туҡтатыу менән янай. Прокурор, тәүтикшереүсе, тәфтишсе йәки административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эште алып барған вазифалы шәхестең законлы талаптарын үтәмәгән өсөн (статья 17.7) - граждандарға 1 мең һумдан 1500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 2 мең һумдан 3 мең һумға тиклем штраф йәки алты айҙан бер йылға тиклем срокҡа квалификацияһын юғалтыу; юридик шәхестәргә - 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем административ штраф һалына йәки туҡһан тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәрен административ туҡтатыу менән янай. Дәүләт күҙәтеүе (контроль), муниципаль контролде бойомға ашырған органдың (вазифалы кешенең) законлы ҡарарына буйһонмаған өсөн (статья 19.4) - граждандарға иҫкәртеү менән янай йәки 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 2 мең һумдан 4 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Дәүләт контроле (күҙәтеүе) органы, муниципаль контроле органының (вазифалы кеше) законлы эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған өсөн (статья 19.4.1) - граждандарға 500 һумдан 1 мең һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 2 мең һумдан 4 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Әлеге статьяның 1 бүлегендә ҡаралған эшмәкәрлек (эш итмәү) арҡаһында тикшереүҙе үткәреү йәки тамамлап булмаған өсөн вазифалы шәхестәргә 5 мең һумдан 10 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 20 мең һумдан 50 мең һумға тиклем административ штраф һалыу менән янай. Әлеге статьяның икенсе бүлегендә ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоуҙы ҡабаттан ҡылған өсөн вазифаһы кешеләргә - 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем штраф йәки алты айҙан бер йылға тиклем срокҡа квалификацияһын юғалтыу; юридик шәхестәргә - 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Дәүләт күҙәтеүе (контроль), муниципаль контролде бойомға ашырған органдың (вазифалы кешенең) законлы бойороғон (ҡарарын, күрһәтмәһен) ваҡытында үтәмәгән өсөн (статья 19.5) - граждандарға иҫкәртеү менән янай йәки 300 һумдан 500 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 1 мең һумдан 2 мең һумға тиклем штраф йәки өс йылға тиклем срокҡа квалификацияһын юғалтыу; юридик шәхестәргә - 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Мәғлүмәт тапшырмаған өсөн (статья 19.7). Дәүләт контроль (күҙәтеү), дәүләт финанс контроле, муниципаль контроль, муниципаль финанс контролен бойомға ашырған дәүләт органына (вазифалы кешегә), органға (вазифалы кешегә) мәғлүмәттәрҙе тапшырмаған йәки ваҡытында тапшырмаған йәки ошондай мәғлүмәттәрҙе тулы булмаған күләмдә йәки боҙоп тапшырған өсөн - граждандарға 100 һумдан 300 һумға тиклем; вазифаһы кешеләргә - 300 һумдан 500 һумға тиклем; юридик шәхестәргә - 3 мең һумдан 5 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Административ язаны үтәүҙән ҡасҡан өсөн (статья 20.25). Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ярашлы штрафты ваҡытында түләмәһәң, түләнмәгән административ штраф суммаһын икеләтә арттырыу (әммә ул бер мең һумдан да кәм булырға тейеш түгел), ун биш көнгә тиклем ҡулға алыу, йәиһә 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәргә йәлеп итеү ҡаралған. А.Н.ПОПОВ, үҫемлектәр карантины һәм ашлыҡ һәм орлоҡ сифаты һәм хәүефһеҙлеген дәүләт тарафынан контроллек итеүҙе тәьмин итеү бүлегенең дәүләт инспекторы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Быға тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу 22.00-дән иртәнге 10.00 сәғәткә тиклем тыйыла ине. Хәҙер сикләү 23.00-дән иртәнге 8.00 сәғәткәсә индерелде. Әгәр мохтажлыҡ булғанда БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтары буйынса дәүләт комитеты был режимға үҙгәрештәр индереп локаль сикләүҙәр ҡулланырға мөмкин. Йәмәғәт туҡланыу предприятиеларына был тыйыуҙар ҡағылмай. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Яңы уҡыу йылына ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. 5 августан 13-нә тиклем район белем биреү учреждениеларының әҙерлеген тикшереү үтте. Район ведомство-ара комиссия тикшереүе һөҙөмтәләре менән район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов таныштырҙы. - Районда 19 мәктәп, бөтәһе белем биреү учреждениелары – 50. Тикшереү барышында комиссия ағзалары уларҙа туҡландырыу дөрөҫ ойошторолғанмы, медицина талаптары үтәләме икәнлеген ҡараны. Мотлаҡ рәүештә ағымдағы ремонт йәки капиталь ремонт булыуы, ҡыйыҡтарҙың торошо, уҡыу кабинеттарының, спорт залдарының йыһазландырылыуы, мәктәп яны участкалары ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Белем биреү учреждениеларына талаптар күп төрлө, хатта террорға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын да тикшерәбеҙ. Бөгөнгө көнгә тикшереүҙәр тамамланды. Бөтә учреждениеларҙы ла ҡарап сыҡтыҡ, иҫкәрмәләр күп түгел. Дөйөм алғанда, әҙерлек һәйбәт кимәлдә, директорҙар үҙ эштәренә яуаплы ҡарағандар. Бер нисә мәктәптә объектив сәбәптәр арҡаһында әҙерлек 100 процент тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, Үзбәк мәктәбенең спорт залында ремонт эштәре башланып ҡына тора. 1 сентябргә уны тамамларбыҙ тип ышанам. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты буйынса бер нисә һорау бар, әле улар өҫтөндә эшләйбеҙ. Белем биреү учреждениеларындағы 54 ҡаҙанлыҡтың 30-ы – газ, 12-һе электр энергияһы менән эшләй, 8-е үҙәк йылытыу системаһына тоташҡан, утын менән 4 мәктәп йылытыла. Ҡаҙанлыҡтар барыһы ла йылытыу миҙгеленә әҙерләнә. Красноусолдағы белем биреү учреждениелары ҡаҙанлыҡтары промывка һәм опрессовка үткән. Манометрҙар, сигнализаторҙар Стәрлетамаҡ ҡалаһында дәүләт тикшереүе уҙҙы. Йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем Мораҡ, Игенйылға мәктәптәрендә һәм “Миләшкәй” балалар баҡсаһында яңы ҡаҙандар ҡуйыласаҡ. Утын яғып йылытылыусы мәктәптәрҙә 405 кубометр утын әҙерләнгән. Быға тиклем йылы бәҙрәфтәр булмаған Юрмаш, Тайыш башланғыс мәктәптәрендә уларҙы санитар нормаға килтереү эштәре бара. Был маҡсатҡа республика һәм ра- йон бюджетынан 378315 һум аҡса бүленде. Районда 18 белем биреү учреждениеһында 29 мәктәп автобусы бар. Улар барыһы ла Глонасс системаһына тоташтырылған, тахог-рафтар менән йыһазландырылған. 12 мәктәптең уҡыусыларҙы йөрөтөүгә лицензияһы бар, ҡалған алтауһы 31 авгусҡа тиклем аласаҡ. Тикшереү барышында алты белем биреү учреждениеһы алдында юл билдәләре юҡлығы асыҡланды. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында күрһәтмәләр бирелде. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров шундай йөкләмә бирҙе. «Кабинеттарға заманса шәп ҡорамалдар һатып алдыҡ. Айырыуса ауылдарҙа, уҡытыусыларҙың шунда дауаланыу мөмкинлеге булһын өсөн. Беҙ ошо хаҡта һөйләшеп килешкәйнек бит инде», — тине республика етәксеһе. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә 11 стоматология кабинеты эшләй башланы. Программа «Юғарыға ос» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. 2019 йылдан республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында 80 теш табибы кабинеты булдырылған. https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-06/v-bashkirii-uchitelya-smogut-obraschatsya-v-shkolnye-stomatologicheskie-kabinety-2937628 Республикала уҡытыусылар мәктәптең стоматология кабинеттарына мөрәжәғәт итергә мөмкин Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/ Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
1 сентябрҙән гимназия, Шәрип һәм 1-се Кушнаренко урта мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәһе» тип исемләнгән һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү программалары үҙәге формаһында «Заманса мәктәп» төбәк проекты индерелә башлай. Муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин, 1-се урта мәктәптә булып, әлеге программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн матди-техник базаны әҙерләү барышы менән танышты. Әлеге ваҡытта бында махсус уҡыу кабинеттары булдырыла һәм йыһаздар менән тәьмин ителә. Уҡытыусылар белем күтәреү курстарында әҙерлек үтә. Дүрт педагог дистанцион курста белемен камиллаштырған, икеһе уҡырға ебәрелгән. Информатика, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре һәм технология –өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса төп фәндәр. Республикала «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә – спорт көрәшен» күләмле проекты тормошҡа ашырыла башланы. Өфөнөң дүрт мәктәбендә һәм 1-се Кушнаренко урта мәктәбендә тиҙҙән көрәш менән шөғөлләнеү өсөн спорт залдары барлыҡҡа киләсәк. Бында дәрестән тыш ваҡытта көрәш менән шөғөлләнеү өсөн 11-16 йәшлек балаларҙан төркөмдәр ойоштороласаҡ. Башҡа ауылдарҙан да балаларҙы йөрөтөү мәсьәләһен хәл итеү ҡарала. Район етәксеһе мәктәптә спорт залын ҡарап сыҡты. Уҡытыусылар менән проектты ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында фекер алышты. «Коллегалар, был мәсьәләне хәл итеүгә етди ҡарауығыҙҙы һорайым!» – тине ул. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Салауат дауаханаларында врачтарҙың, бигерәк тә тар белгестәрҙең етмәүе барыбыҙға лә мәғлүм. Ҡала етәкселеге был проблеманы төрлө ысулдар менән хәл итергә тырыша, әлбиттә. Шулай ҙа бер-ике көн эсендә генә мәсьәлә сиселер, тип уйлау дөрөҫ түгел. Был юҫыҡта эште әҙ булһа ла көйләр өсөн, республика етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан төрлө ҡала һәм райондарға “Врачтар десанты”, йәғни баш ҡала белгестәрен урындарға ебәреп, халыҡты ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Юл картаһына ярашлы, 16 сентябрҙә врачтар “десанты” беҙҙең ҡалаға “төштө” Алты йүнәлештәге медицина бел-гестәре аҙна буйына, йәғни дүшәмбенән алып йомаға тиклем салауаттарҙы ҡараны, тейешле дауаланыу билдәләне. - Акция бер тапҡырға ғына түгел, бер йылға иҫәпләнгән. Медицина белгестәре лә төрлө, пациенттарҙың талабына ярашлы киләсәк. Салауат ҡалаһында тулы масштабтағы тикшереүҙәр уҙғарыу өсөн шарттар һәм ҡоролмалар бар. “Врачтар десанты”ның асылы - ҡалала етешмәгән, йәки әҙ булған медицина белгестәре менән тәьмин итеү. Пациенттарға Өфөгә барып йөрөү ауыр, ә был осраҡта инде йәһәт кенә килеп үҙҙәренә кәрәкле табиптарҙан консультация ала ала, - ти ҡала дауаханаһының баш табибы Салауат Мырҙағолов. Уның һүҙҙәре буйынса, ҡала ошо рәүешле Өфө врачтарын ваҡытлыса ғына саҡырыу медицина кадрҙарына ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итмәй, шуға күрә Салауатта даими хеҙмәт юлын алып барырлыҡ белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса эш дауам итә. Мәҫәлән, йыл башынан алып Салауатҡа 55 яңы табипкилгән. Улар араһында ҡалала иң талап ителгән невролог, акушер-гинеколог, хирург, травмотолог, анестезиолог-реаниматолог бар. Баш врач билдәләүенсә, Өфө табиптарының килеүе беҙҙең ҡала белгестәре өсөн дә тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән ыңғай күренеш булып тора. Салауатта был көндәрҙә ололар һәм балалар кардиолог-тары, невролог, пульмонолог, уролог һәм аллерголог эшләне. Улар салауаттарҙы С.Юлаев бульварындағы 1-се поли-клиникала алдан яҙылыу буйынса эш көнө режимында ҡабул итте. Ә инде ашығыс рәүештә теге йәки был белгестең кәңәшенә мохтаж булған пациенттар шылтыратып саҡырылған. - Беҙ мөрәжәғәт иткән барлыҡ пациенттарҙы ла ҡарая-саҡбыҙ, әгәр етди тикшереү талап ителһә, ҙурыраҡ үҙәктәргә йүнәлтәсәкбеҙ. Унда улар ныҡлап ҡараласаҡ һәм дауалау, йәки операция эшләү ҡарары ҡабул ителәсәк, - тине врач-кардиолог Рафаэль Ҡотдосов. “Врачтар десанты” сараһын айына бер тапҡыр булһа ла ойоштороу күҙаллана. Унда бер үк түгел, ә төрлө белгестәрҙе саҡырыу планлаштырыла. Мәҫәлән, киләһе айҙа респуб-лика дауаханаларынан онколог һәм башҡа табиптарҙың килеүе көтөлә.
Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, 10 мең Рәсәй ғаиләһе коронавирус пандемияһы сәбәпле 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән 10 мең һум аҡса аласаҡ. Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, 10 мең Рәсәй ғаиләһе коронавирус пандемияһы сәбәпле 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән 10 мең һум аҡса аласаҡ. Дөйөм алғанда, был түләү 15 мең ҡыҙ һәм малайға күсәсәк. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша кемдәр 22 майға тиклем ғариза яҙған, шулар был исемлеккә инә. Пенсия фонды белдереүенсә, ғариза биш көн эсендә ҡарала, ә аҡса тейешле иҫәпкә өс көн эсендә күсерелә. Шулай уҡ атай-әсәйҙәрҙе документты тултырғанда иғтибарлы булырға, айырыуса банк иҫәбе реквизиттарын яҙғанда хаталар ебәрмәҫкә саҡыралар. https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/byl-donyala-ni-r-bar/1-iyund-10-me--ail-10-me--um-a-sa-alasa-296340/ Фото: https://pixabay.com/ru/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Уртағолда ҡасандыр йәшәгәйнек. Яратам мин уны. Әсәйемдәр күсенергә хәл итмәһә, бер ҙә китмәҫ инем дә. Бәлки, улар ҙа күсенмәҫ ине… Айырма Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Иң өлкәне булғас, иркә һеңлеләрем өсөн гел миңә яуап бирергә тура килде. Уларҙы, бик яратһам да, мыжып теңкәмә тейгәндәрендә «ошоларһыҙ рәхәтерәк булыр ине» тип уйлаған саҡтарым да булды. Ә инде йылдар үткән һайын «донъяла алай ҙа яңғыҙ түгелмен, алай ҙа һеңлеләрем бар», тигән фекерем нығынғандан-нығына. Бала саҡта өйҙә өсәү генә ҡалғаныбыҙҙа иң тәүҙә «кем - атай?», «кем -әсәй?», «кем - бала?» булаһын асыҡлап алабыҙ, шунан ролдәрҙең үҙебеҙгә тәтегәнен ихлас уйнарға тотонабыҙ. Атҡаҙанған артистарҙан кәм булмағанбыҙҙыр. Өлкәндәр артынан ишек ябылыу менән мин «Аҫылйәр»гә әйләнәм. Эшем-һөнәрем дә бар: беҙҙең ауылдан былтыр Мәскәү һынлы Мәскәүҙең үҙенә ауыл хужалығы күргәҙмәһенә барып ҡайтҡан алдынғы тракторсымын. Эштән гел майланып, бысранып ҡайтҡан кейемемде шундуҡ сисеп һалам, унан ҡатыным «Гөлсибәр»гә әҙ булһа ла еңелерәк булһын өсөн, йыуышырға ярҙам итәм. Эргәбеҙҙә “балабыҙ” йөрөй, әлегә берәү. Уның исеме — йә «Сөмбөл», йә «Йәнбикә», йә «Айһылыу» булып китә. Шулай булмайса, «артистар» өсәү генә, ә ғаиләләге биш кешене һынландырырға кәрәк. Күңелле ине бала саҡта. Ә ысынында, мин һәр ваҡыт «ҙур апай» булдым, ни тиһәң дә башҡаларҙан теүәл биш йәшкә өлкәнмен бит, өҫтәүенә, атай менән әсәй ҙә, берәй ергә йыйынһалар, «апайығыҙҙы тыңлағыҙ, ул ҙур» тип иҫкәртә килде. Йәнбикә менән Айһылыуҙың йәш аралары яҡыныраҡ, йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡтыр. Әллә шуғамы, әллә башҡа сәбәптәнме, улар күберәген икәү уйнап ала ла китә ине, үҙ-ара ла бер-береһенә исемләп кенә өндәшергә өйрәнделәр. Кемеһе өлкәнерәк тә, кемеһе кесерәк икәнен үҙҙәре лә бик үк белмәне, күрше-күлән дә айыра алманы. Йыш ҡына «уларҙы нисек айыраһығыҙ ул?» тип беҙҙән һорар булдылар. Күрәһең, төҫтәре лә оҡшашыраҡ, кәүҙәләре лә бер ишерәк булғанға, уларҙың кемеһе «апай», кемеһе «һеңле» икәне күрер күҙгә бик үк салына һалып бармай ине шул. Хәйер, айырма күҙгә ташланып торғанда уға бик үк иғтибар итә һалып та бармайҙар. Әммә ни өсөндөр айырма бөтөнләй булмаҫҡа тейеш һымаҡ ерҙән айырма эҙләй башлайҙар. *** Лыулыу. Айһылыу донъяға килгәндә Йәнбикә, теле яҡшылап асылмағанға күрә, уға шулай өндәште. Ижекләп әйтеп төҙәтеп ҡараһаҡ та, әйтеп килештерә алманы. Йәнбикә арҡаһында Айһылыу һеңлем бәләкәйҙән ҡушаматлы булды. Быға бер ҙә үпкәләмәне, киреһенсә, ҡушаматын исеменә ҡарағанда ла нығыраҡ яратты, шикелле. Шулай булмаһа, «Лыулыу» тип өндәшкәндә уның йөҙө балҡыбыраҡ китер инеме лә, күҙҙәренән наҙ түгелер инеме? Әйтерһең, шул «Лыулыу» һүҙе уны нурға ҡойондора… Миңә лә оҡшай уға шулай өндәшеү. Тик әллә Йәнбикә һымаҡ әйтә белмәйем, әллә минең әйткәнде оҡшатмай, мин өндәшкәндә Айһылыуҙың күҙҙәрендә осҡонсоҡтар тоҡанып, нурҙар ҡойолмай. Шуға ла өндәшә һалып бармайым. Йәндәй күргән һеңлеләремде ситтән генә өнһөҙ күҙәтеү мең артығыраҡ тим… Бөгөн дә шулай иттем. Оҙаҡ ҡына күрешмәй торғандан һуң осрашҡас, Айһылыу менән икәүләп йә баҡсаһына, йә мунсаһына үҙ мәшәҡәттәре менән инеп-сығып йөрөгән Йәнбикәнән тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйбөҙ. Эштәренең бер аҙын атҡарғандан һуң ул аш бүлмәһенә үтте. Айһылыу ҙа уның эргәһенә инеп ултырҙы. Мин уларҙы үҙем күрерлек һәм ишетерлек ергә, залдағы дәү креслоға барып ҡунаҡланым. Кухняһының ишегенән улар асыҡ күренә. Миңә әйләнеп күҙ һирпкәндәй булдылар ҙа, бүленгән һүҙҙәрен шул яҡта дауам иттеләр… —Эй, Лыулыу туғаным, ни өсөн тормош гел генә һин теләгәнсә бармай икән? Айһылыу яуап бирмәне. Бер аҙ йомоғораҡ холоҡло ул, хәбәргә тиҙ генә ҡушыла һалып та бармай. Шундай саҡтарында әллә апайына ҡарата күңелендә һаҡланған йылы һүҙҙәрен барлай, әллә эс серҙәрен унан тағы ла тәрәнгәрәк йәшерә… Туғанының өндәшмәй, тынып ҡалыуына бик үк иғтибар итмәгән Йәнбикә һыуытҡысын асты. Шул арала уның лыҡа тулы икәнен күреп эстән ҡәнәғәтлек кисерәм. Етеш йәшәй Йәнбикәбеҙ. Тормошо еңел генә ыраны ла китте. Ҡола ялан ине ошонда. Кейәү менән бер нисә йыл эсендә күркәм йорт ҡына түгел, кәртә-ҡаралтыһын да төҙөп ташланылар. Балалар ҙа үҫтерәләр. Эштәрендә лә өлгөрәләр. Ә бына Айһылыуҙың тормошо гел ҡырын тартты. Нисә абынып, нисә торғандыр. Әммә бер зарланып, бер илап ултырманы. Эстән тешләнһә, тешләнә — тышҡа сығарып һөйләп бармай. Бына бөгөн дә уйҙары менән күптән бында түгел ул. Ай аҙағын нисек еткереп, нисек бурыстарын таратырын уйлай. Шунан был айҙа кемдәрҙән бурысҡа алып торорон күҙаллай. Таяныр кешеләренең ышанысынан сыҡмаҫҡа теләп, ниндәй танышынан күпме һорап торорға икәнен самалай. Тотош «үтескә» ҡоролғанғамы, тапҡаны ла тормай шикелле. Шуға тормошон нисек тормош тип атайһың. Тормошта тапҡан торорға тейештер… Айһылыуҙы йәлләйем мин, тик һыр бирмәҫ туғанымдың бер ваҡытта ла теҙ сүгеп, күҙ йәше түкмәҫен белгәнгә күрә, уны төпсөп маташмайым. Ә Йәнбикә улай итә алмай. Яйы сыҡҡан һайын һеңлебеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа. Йә уныһын, йә быныһын көсләп биреп ҡайтарып тора. Хәйер, бүлешер нәмәләрем булһа, мин дә өләшер инем дә бит. *** Был донъяла бөтәһе лә кәрәк булған өсөн башҡарыла кеүек: тауҙар аҡтарыла, йылғалар быуыла, бөйөк эштәр эшләнә… ергә кешеләр тыуа… Донъяла булғас, мин дә кәрәкмендер тим… Уртағолда йәшәгән көндәрҙе нығыраҡ һағынам. Бала сағым шунда үткәнгә түгел, бәлки, шунда тороп ҡалғанға. Көнтөшмәҫ тауының ҡуйы урманын яңғыҙ ҡыҙырған мәлдәремде иҫемә төшөрһәм, тәндәрем сымырлап китһә лә, ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгән шаталаҡ сағымды юҡһынам. Әллә ни эшләп шулай булдым шул. Әсәйем күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торһа ла, ул әйтмешләй, «күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыға» торғайным. Юғалһам, бер кем дә тапмаҫтай урыным да бар — Көнтөшмәҫтең көн үткәрмәҫ ҡуйы ҡара урманы. Хәйер, ситтән ҡарап торһаң ғына ул шулай ҡара булып күренә. Ә эсенә инһәң, ҡәҙимге урман инде, хатта «Көнтөшмәҫ», «Шырлыҡ» тиһәләр ҙә, урыны-урыны менән ҡояш нурҙарын туранан-тура үткәргән асығыраҡ урындары ла бар, емеше лә бер-бер артлы өлгөрә. Тәүҙә турғай еләге, унан бөрлөгәне, муйылы, баланы… Ә мин бөрлөгәнен нығыраҡ яраттым, ағасҡа менәһе лә түгел, бер урында ла тик кенә ултырмайһың. Ҡулың буш ҡайтмағас, өйҙәгеләр ҙә тиргәй һалып бармай… Ауылдан әлеге ҡырағай урманға минән башҡа аяҡ баҫырға йөрьәт итеүсе булманы. Бәлки шуғалыр ҙа ул күңелемә тағы ла яҡыныраҡ тойола торғайны. Тимәк, уға мин хужа, Көнтөшмәҫ шырлығы — минең биләмәм. Шулай тип уйлау мине был урманға тағы ла ылыҡтыра. Унда йышыраҡ, оҙағыраҡ булғым килә… Шырлыҡты арҡырыға-буйға нисә гиҙгәнмендер, мәгәр хәҙер ҙә уны тотош беләм тип әйтә алмайым. Нисектер үҙгәреүсән ғәжәп холҡо бар уның: бер барғанда бер төрлө торған ағасы икенсе килгәндә урынынан шылып ултырған кеүек. Ололарҙың «Шырлыҡ — беҙҙең яҡта иң яман урман. Унда ете башлы, оҙон ҡойроҡло дәү дейеү йәшенеп йәшәп ята. Шул дейеү урманды үҙенә нисек кәрәк шулай күсереп алып йөрөй…» тип һөйләгәндәре дөрөҫкә лә оҡшап ҡуя. Шул легенданы белгәнгә ағастар шылған һымаҡ тойоламы, әллә улар ысынлап та күсәме, билдәләй алманым. Балалығыма барып, буғай, дейеүҙе әкиәттәгеләй күҙ алдыма килтерәм, уның менән һөйләшәм дә хатта… Тағы бер нәмә мине ҡыҙыҡтыра: шырлыҡ менән Уртағолдо айырып елгә талғын ғына бәүелеп ятҡан иген баҫыуын кисеп үткем килә. Тик атайым тирен түгеп һөргәндән һуң сәселгән игенде тапарға ярамай икәнен белеү генә мине тота, ахыры, урау булһа ла, баҫыу юлы буйлап йөрөйөм, унан саҡ ҡына ла ситкә сыҡмайым. Артығыраҡ мауығып, оҙағыраҡ йөрөп ташлаһам, ҡайтҡанда шул юлдың саңын борҡотоп йүгереп төшәм. Ҡабаланам, үҙемсә. Йәнә оло урам буйлап үтмәҫкә тырышам. Үрге ос ямаҡай шарылдаҡ Өрҡиә инәйҙең: — Хыялыйҙыр был бала, тағы шырлыҡтан килеп сыҡты, Гөлсибәр әллә ҡайҙа ҡарай, — тигәнен яҙа-йоҙа булһа ла, ишеткем килмәй. Ҡалайтаһың, уны ғына түгел, тотош ауылды шомландырған урманда йөрөгәс, үпкәләп тә булмай… *** Беҙҙең ғаилә тап ошо шырлыҡ арҡаһында Уртағолдан күсенеп китеүен иҫәпкә алмағанда, үҙемде белә-белгәндән ауылда унан зыян күреүселәр булманы шикелле. Әммә барыбер бөтәһе лә шырлыҡтан нисектер ҡурҡты, мал-тыуарын да ул тирәнән йырағыраҡ йөрөттө, юл төшкәндә лә уны мөмкин тиклем урабыраҡ үтте. Атайымдар Билдәшкә күсенгәндә лә шулай итте. Аттарын шырлыҡ буйынан үткән таҡыр юлға түгел, ә Кәкретауҙың ташлы юлына төшөрҙөләр. Китеп барғаныбыҙҙа Көнтөшмәҫкә нисә әйләнеп ҡарағанмындыр, йәннәттең үҙендәй күргән урманыма кире йүгереп китергә әллә нисә уҡталып-уҡталып ҡуйһам да, донъялағы иң яҡын кешеләремде өҙөлөп яратыуым көслөрәк ине, уларға өнһөҙ-тынһыҙ эйәреп бара бирҙем. Арбала яурындарын терәшеп ултырған Йәнбикә менән Айһылыу үҙ-ара ниҙер һөйләшәләр, ә мин һөйләшә лә, хатта илай ҙа алмайым. Атайым менән әсәйем Көнтөшмәҫ урманынан йырағыраҡ китергә тырыша, ә миңә шунан да ауыры юҡ. Уларҙың, шырлыҡтан мөмкин тиклем алыҫҡараҡ китеп, тынысыраҡ йәшәгеһе килә, ә минең тыныслығым тап шунда тороп ҡалды ла, шикелле…. Шул күсенеүҙән һуң туғандарым менән һөйләшеүҙән тамам туҡтаным, һөйләшә алманым. «Телһеҙ ҡалдым». Ә бит шуға тиклем мин, әҙ генә булһа ла, шул һәләткә эйә инем. Шулай булмаһа, әсәйем бер нисә тапҡыр: «Мин Сөмбөлдө ишетәм, Сөмбөлдөң тауышын тағы ишеткәндәй булдым», — тип атайыма әйтмәҫ ине. Бына күтәрмәгә атайым менән әсәйем ултырҙы. Уларҙың араһындағы буш ҡалған урынға тығылып өлгөрәм, сөнки беләм, үҙеңде бер юлы донъялағы иң яҡын ике кеше ҡуйынында тойоуҙан да юғарыраҡ бәхет юҡ. — Аҫылйәр, Сөмбөлөбөҙҙөң тауышын тағы ишеттем бит бөгөн… Атайым әсәйемә моңһоу ғына ҡарап ала. Ҡыуанысым сиктән аша — әсәйем ысынлап та ишетә икән, тимәк улар менән һөйләшә алам тип уйлайым. Тик шатлығымды атайым һыпырып юҡҡа сығара: — Гөлсибәр, һинең ҡолағыңа ғына ишетеләлер ул, элеккеләрҙе онота алмағанлыҡтан… Уның менән килешкем килмәй үрһәләнәм, сәбәләнәм. Әсәйем дә күнергә теләмәй: — Ысынлап та ишетәм, Аҫылйәр, Сөмбөл ысынлап та минең менән һөйләшә… Башын эйеп ултырған атайым минән аша тағы әсәйемә күҙ һирпә. Быныһында ҡаршы өндәшмәй. Әсәйемдән башҡа берәү ҙә ишетмәгәс, унан шикләнә башланылар. Ишеткәнгә ҡарағанда, ишетмәүҙе хәйерлерәк һананылар. Үҙем дә быны төшөнә башлағайным, шуға ла бөтөнләй өндәшмәҫ булдым. Тик әсәй — әсәй бит ул. Нисек итеп әсәй менән һөйләшмәйһең? Иң ҡәҙерле кешемә, ҡайғырып киткән саҡтарында өндәшмәй ҡала алмай инем. Бигерәк тә түгелеп илаған мәлдәрендә эргәһенә йүгереп бара ла етәм. Сәстәренән һыйпап, күңелемдәге иң матур һүҙҙәрҙе теҙеп әйтә лә ташлай торғайным. Ә ул миңә текләп ала ла, яуап бирергә ҡурҡамы, мөлдөрәп кенә ҡарап ҡатып ҡала. Шунан минең һүҙҙәремдән уға тағы ла ҡыйыныраҡ икәнен аңлап, өндәшмәҫ булам да ул, тик әйтер һүҙҙәр әйтелгән шул… Шундай саҡтар йыш ҡабатланғайны Уртағолда. Билдәшкә килгәс, һөйләшә ҡалһам, атайым тағы ла күсенергә булып китер, тип бөтөнләй һөйләшмәҫкә хәл иттем. Ни тиһәң дә, донъялағы иң ҡәҙерле кешеләремдән башҡа ла, шырлыҡһыҙ ҙа булдыра алмайым. Билдәш Уртағолдан бик үк йыраҡ түгел, тура тартһаң, ун саҡрым самаһы ара… Мин бит һаман да, бер кемгә лә белгертмәй генә, Көнтөшмәҫкә барып килә торғайным. Хәйер, хәҙер үҙемде күҙәтеп-ҡарап та тормайҙар, ҡайҙа теләйем, ҡасан теләйем, шунда барам. Күпме кәрәк, шунса йөрөйөм… *** Бер тапҡыр ошо шырлыҡта йәшенгә эләккәйнем. Шырт-шырт иткән тауыштың аяҡ аҫтымданмы, әллә икенсе ерҙәнме килгәнен самаларға тырышып байтаҡ йөрөгәйнем ул көн. Нисектер бер нәмәгә лә күңелем ятманы. Башта күп күренгән бөрлөгән, эйелеп бер-ике өҙһәм, юҡҡа сыға ла ҡуя. Күҙемә салынған күбәләктәрҙе ҡыуа башлаһам, урман уларын да йәшерә. Быға тиклем бер тынмай һайраған ҡоштары ла ул көн ауыҙҙарына һыу йотҡандай өндәшмәҫ булғайны. Шырлыҡтың шул сәйерлеге нисектер күңелемә шом һалғандай булғайны. Хәҙер аңлайым: шулай итеп ул мине үҙенән ҡыуып ҡайтармаҡ булған…. Их, шул саҡта шырлығымды аңлаған булһамсы… Үкенәмме? Үкенәмдер… Дауыл ул көндө ҡапыл ҡупты. Ҡояш та ҡайҙалыр ҡастымы, донъя бер мәлгә дөм ҡараға әйләнгәндәй булды ла күк күкрәп, йәшен уттары йән-яҡты хәтәр сыйып үтте… Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Нисектер асыулы башланды ул, ни аралалыр уйһыуыраҡ урындарҙа бер кемде лә аямаҫтан ҡырып-һепереп, бәреп-йығыр тулҡын менән йәһәннәмгә ағыҙып алып китерҙәй ташҡын барлыҡҡа килтерҙе… Биҙрәләп ҡойғандай ҡоторонған ямғыр баш күтәрер, күҙ асыр әмәл ҡалдырманы. Ҡурҡышымдан, йөҙйәшәр ағастарҙың ҡайһыһына һыйынырға белмәй, улай йүгерҙем, былай саптым. Ҡуйы үлән араһынан күренмәгән күләүектәрҙе сәпелдәтеп кисеп үттем. Шул арала өҫтөм лысма һыу булып, тағатылып өлгөргән толомдарымдағы сәстәрем ҡыуаҡ ботаҡтарына эләгеп йолҡолоп-өҙөлөп ҡалды. Эйелеберәк үҫеп ултырған бер ҡайын төбөнә сүгеп боҫтом да, күҙҙәремде сырт йомдом. Ялағай уйнап, йәшен йәшнәп, күк дөһөрләгән һайын бөршәйеберәк ултырып, тешем тешкә теймәй дер ҡалтырауымды тыя алмай, ағасҡа нығыраҡ һыйына барҙым, һәм береһендә , ялағай ҡойроғо ергә йән асыуы менән һуғылған саҡта, ике ҡулым менән ҡайын олонон ҡосаҡлап алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шунда уның да дер ҡалтырағанын ап-асыҡ тойҙом. Юҡ, беҙ генә түгел, тотош донъя һелкенә ине... Күпме яуғандыр ямғыр, миңә бик оҙаҡ тойолдо. Ололарҙың ошо урман тураһында һөйләгәндәре ҡабат иҫемә төшөп, тағы ла нығыраҡ ҡурҡыуға һалды. — Шырлыҡ — иң насар урман. Шундағы ағастарҙы нисә йәшен һуҡты? Был бушҡа түгел, сөнки унда ете башлы, оҙон ҡойроҡло дейеү йәшенеп йәшәп ята. Йәшен шул дейеүҙе һуғам ти ҙә, яңылыш ағастарҙы ата ла ҡуя, — тип бала-сағаны, ҡурҡытыр өсөн һөйләгәндәрҙер, тип уйлай торғайным да, ул көн шул һүҙҙәргә ышана ҡуйҙым: ҡоторонған йәшен шырлыҡты һуңғы ағасына тиклем атып бөтөрһә — бөтөрөр, дейеүҙе тапмайынса тынысланмаҫ кеүек тойолдо. Унда ҡала алмай инем. Шәп-шәп атлап урман ситенә тиклем килдем. Урман менән беҙҙең өйҙө иген баҫыуы ғына айыра. Әлбиттә, баҫыу юлы арыраҡ… Әммә туп-тура, баҫыу аша ҡайтырға ла мөмкин дә баһа… Ана, беҙҙең өйҙөң ҡыйығы башҡаларҙан бер башҡа бейегерәк булып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Шулай булмайса, беҙҙең йорт урамда иң яңыһы, иң күркәме бит. Нигеҙе лә тәпәш түгел, ҡыйығында шифер буйҙары ла башҡаларҙан бер буйға күберәк. Ҡапҡабыҙ ҙа ҡалҡыуыраҡ, тик был яҡтан уны күреп булмай, йортобоҙ баҫыуға арты менән тора. Уның ҡарауы, ихатабыҙ эсе бынан ус төбөндәге кеүек асыҡ күренә. Мин йыш ҡына ошонан тороп өйҙәгеләрҙе күҙәткәнем дә булғыланы. Ишек алдында Айһылыу менән Йәнбикәнең эйәртенешеп улай-былай үткәне ифрат мәҙәк. Алыҫтан уларҙы бик үк танып та булмай, кейгән кейемдәренән генә ҡарап төҫмәрләргә мөмкин. Тауыштарын ишетмәһәм дә, нимәләр һөйләшеп йөрөгәндәрен яҡынса тоҫмаллай ҙа алам. Йәнбикә «әйҙә шулай итәйек», «әйҙә былай итәйек», тип бер туҡтауһыҙ һеңлеһенә инәләлер. Тегеһе, ыҡҡа килмәй, үҙенекен эшләп маташалыр. Ә мин—урман ҡыҙы, ысын урман ҡыҙы. Урман мине һәр ваҡыт үҙенә тартты. Ошонда килһәм, нисектер рәхәт, теләгәнсә ҡысҡырып йырларға, былай ғына һөрәнләргә мөмкин. Бер кем дә тыймай. Хәйер, өйҙә лә бик үк тыйып бармайҙар ине… Ниндәйҙер мәлгә туҡтап, күңелемә яҡын урмандан сығырға баҙнат итмәй Уртағолға ҡарап торҙом. Атайымдың тир түгеп һөргән баҫыуын тапауы ла әллә нисек. Шул саҡ баяғы ялағай, әйләнеп килеп, ҡойроғон тағы яман һелтәне. Шырлыҡ эсе яҡтырып, бер нисә урында осҡондар сәсрәгәне күренеп ҡалды хатта. Ҡурҡышымдан игенгә бер-ике аҙым да баҫҡайным, урман эскә тарттымы, әллә үҙем кире ырғыныммы, бер нисә секундтан тағы элекке урынымда тора инем. Ни эшләргә? Урманда ла ҡала алмайым. Бынауындай йәшендә баҫыу аша йүгерергә лә ҡурҡам… Ни булһа ла булыр, тинем дә тәүәккәлләргә иттем… Быныһында урмандан ҡапыл сыҡманым, мөмкин тиклем ипләберәк ҡуҙғалырға тырыштым. Тәүге аҙымым барыбер нисектер яйһыҙыраҡ килеп сыҡты, абына яҙҙым. Икенсеһе, өсөнсөһө ышаныслыраҡ киттеме, ҡурҡыуымды еңдемме, йән көсөмә йүгерҙем. Баяғы хәтәр ҡойроҡло ялағай урап килгәнсе, өйгә ҡайтып етергә тейеш икәнемде генә белдем. Бөрлөгәнле сирпәгемде күкрәгемә ҡыҫтым да, елдерҙем генә… Тик йүгергән һайын хәрәкәттәр ауырая, еүеш тупраҡ ҡаталарға ҡатланыбыраҡ йәбешеп, һылашып табандарымды көс еткеһеҙгә әүерелдерә, әле бешеп етмәгән иген башаҡтары «туҡта!» тигәндәй, тубыҡтарыма аяуһыҙ һуғыла, тышарға самалағандай аяҡтарыма урала. Алдан күҙаллауымса, әллә ҡасан өйҙә ултырырға тейеш инем… Ямғыр яуғандан һуң баҫыу аша йүгереү ҡырҡа ауыраясағын иҫәпкә алмағанмын. Бер-ике генә ынтылырлыҡ ара ҡалғайны, баш осомда хәтәр ҡурҡыныс йәшен йәшнәне. Баяғы ҡойроҡ тап минең тапҡырҙа ғына һелтәнгән кеүек булды. Мине ергә һеңдерә һуҡҡандай тойолдо. Ҡулымдағы сирпәгемде әллә ҡайҙа осорҙо. Ундағы бөрлөгәндәр бая, урман эсендә, ялағайҙан һуң сәсрәп киткән осҡондар кеүек, күҙ алдымды аллы-ҡыҙыллы төҫкә мансып, сәсрәп һипелде. Тәнем аша ниндәйҙер тулҡын үтте. Уның көслө, бик көслө икәнен генә һиҙеп өлгөрҙөм… Йәшен әллә мине һуҡтымы? Тәүҙә шуны төшөнөргә тырыштым. Ипләп кенә урынымдан ҡалҡынып ҡараным. Ҡалҡына алдым… Тимәк… Тороп баҫтым. Нисектер бик еңел. Сирпәгемде эҙләп торманым. Быға тиклем бер ҙә таныш булмаған ниндәйҙер ғәйәт ҙур көс менән артабан йүгерҙем, хатта мәте йәбешкән аяҡтарымдың ауырлығын да, быға тиклем тубыҡтарыма туҡтауһыҙ һуғылған башаҡтарҙы ла тойманым. Баҫыу ҙа нисектер тиҙ үк артта ҡалды, кәртә аша ла йәһәт кенә үттем, күтәрмәләргә менгәндә үҙемде бөтөнләй иҫләмәйем, өйгә лә нисектер шәп килеп индем, хатта ишекте асып-япҡанымды ла хәтерләмәйем… Нисектер тиҙ, бик тиҙ икәнен генә белдем… Өйгә килеп ингәс, бер аҙға иҫемде йыйҙым. «Ҡайтып еттем бит! Ҡайттым бит!» тигән ҡыуаныс күңелемде биләне… Унда әсәйем, уға һыйынған туғандарымды күргәс, ғәләмәт ҡыуандым. «Улар ҙа ҡайтып өлгөргән икән. Бөтәһе лә өйҙә» тигән уй ниндәйҙер мәлгә ишек төбөндә тотто. Шунан ике туғаным араһынан үтеп әсәйемдең ҡуйынына тығылдым. Ниндәй рәхәт! Әйтерһең дә, бөтөнләй үҫмәгәнмен. Тағы бер-ике тапҡыр ныҡ ҡына ялағай ялтлап, күк дөһөрләне лә йәшен туҡтаны. Донъя тынып ҡалды. Быға тиклем әсәйемдең шашыр сиккә етеп ниҙер шыбырлағанына иғтибар итмәй ултырғанмын. «Сөмбөлөм генә имен булһын! Сөмбөлөм генә имен булһын!» — ти ине… Ни ҙә булһа төшөнөп өлгөргәнсе, әсәйем ҡапыл урынынан ҡупты, «Сөмбөл апайығыҙҙы ҡарап киләм» – тип сығырға ынтылды. Ныҡ аптыраным шунда. Тәүҙә ни әйтергә лә белмәй, шаңҡып ҡалдым, шунан иҫемде йыйып: «Әсәй, мин ҡайттым да инде», — тип әйтеп ҡараным. Тауышым сыҡманы. Улай ҙа түгел, әсәйем артынан ишек ҡаҡлығып өлгөрҙө. Ул нығыраҡ ҡаҡлыҡтымы, өй дер һелкенгән кеүек булды ла йәшен ваҡытына тип, күрәһең, ҡапланған япма көҙгөнән иҙәнгә һыпырылып төштө. Бер нәмә шунда ҡатырҙы: ике туғаным, көҙгөнөң ҡаршыһындағы бөтә әйберҙәр ҙә унда сағыла, ә бына мин көҙгөлә юҡ, юҡ инем… Шөбһәләнеп, туғандарым араһынан киҫкен һурылып сыҡтым да, көҙгөгә инерҙәй булып бик-бик яҡын килдем, ни тиклем текләберәк ҡараһам да, үҙемдең сағылышымды барыбер күрмәнем. Бер ни ҙә аңламаным. Әйләнеп, Йәнбикә менән Айһылыуға: «Һеҙ мине күрәһегеҙме, һеҙ мине күрәһегеҙме?» — тип өҙгөләнеп ҡысҡырҙым... Тегеләре «Эйе, күрәбеҙ» тип әйтеү түгел, миңә боролоп та ҡараманы. Дөрөҫөрәге, ҡаранылар, тик нисектер үтә ҡаранылар…. Ҡауғаланып үҙ-үҙемде ҡапшаным. Битемде, башымды, ҡулдарымды тотоп ҡарамаҡ булдым. Тота алманым. Шунда ғына көҙгөлә генә түгел, бында ла юҡ икәнемде төшөндөм. Мин юҡ… Мин юҡ инем… Минең кәүҙәм юҡ ине… Бая ҡолаған еремә бар көсөмә йүгерҙемме, остоммо, киренән шунда барҙым… Кәүҙәм ысынлап та шунда ине. Тик һулаҡай яҡтан ҡап-ҡара булып көйгән тән минеке лә, минеке түгел дә һымаҡ… Кискә ҡарай мине таптылар… Ундағы кешеләр араһында ҡаңғырып үҙем дә оҙаҡ йөрөнөм, тик берәү ҙә аңғарманы. Аңғарырға, башҡаларҙан ныҡ айырылам бит хәҙер: бүтәндәрҙең тәне бар, минеке— юҡ. Бар айырма шунда. Автор:"ҺӘНӘК" журналы Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн Ҡотлоюл ауылы халҡы ла гөрләтеп үткәреп ебәрҙе: ауыл клубы мөдире Зарима Боҫҡанова менән Зилда Ибраһимова етәкселегендә күркәм концерт уҙғарылды. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн Ҡотлоюл ауылы халҡы ла гөрләтеп үткәреп ебәрҙе: ауыл клубы мөдире Зарима Боҫҡанова менән Зилда Ибраһимова етәкселегендә күркәм концерт уҙғарылды. Егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап йыр йырланы, мәрәкә интермедия ла ҡуйҙы. Бөтә зал рәхәтләнеп көлөп, ҡул сабып ултырҙы. Яңыраҡ ҡына ойошторолған «Ҡотлоюл килендәре» ансамбле Зилда Ибраһимова етәкселегендә «Бөрйән ҡыҙҙары», «Йыуасалы килендәре» бейеүҙәрен, вальс башҡарҙы. Улар 8 Март алдынан бер аҙна буйына тырышып әҙерләнгән ине. Ысынлап та, ижади көс һалғандары күренеп тора. Шулай уҡ «Ҡотлоюл һандуғастары» йыр коллективы моңло йырҙарын бүләк итте. Ҡыҙҙарҙы ҡотлар өсөн байрамға Яҡшымбәт ауылынан һәүәҫкәр артист Рәсим Бикмаев килеп еткән. Ул йырҙары һәм ҡурай моңдары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Ауылыбыҙ сәсәниәһе Рима Ибраһимова яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе һәм йыр менән ҡотланы, Зифа Ибраһимова иһә парлыларға арнап яҙған шиғыры менән таныштырҙы. Концерт башынан алып аҙағына тиклем шулай гөрләп торҙо, ваҡыттың нисек үтеп китеүен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ҡотлоюл клубының тамаша залы туп-тулы булды, ауыл халҡы концерт ҡарап, урындағы артистарыбыҙҙы алҡышлап, ял итеп ултырҙы. Байрамды Ҡотлоюл башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнур Хөснуллина алып барҙы. Ҡотлоюл ауылы бәләкәй генә булһа ла, уның халҡы үҙҙәренсә ансамблдәр ойоштороп, бейеүҙәр һалып, концерт ҡуйып, күңел асып йәшәп ята. Концертты клуб мөдире Зарима Боҫҡанова гүзәл заттарыбыҙҙы ҡотлап тамамлап ҡуйҙы. 8 Март байрамы ғына түгел, бөтә байрамдар ҙа үткәрелеп тора ауылыбыҙҙа. Килегеҙ киләһе байрамға, бергәләшеп күңел асырбыҙ. Розалина ИБРАҺИМОВА Ҡотлоюл ауылы Автор фотоһы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Үткән аҙнала Зәк-Ишмәт ауыл советында ла үтте йыйылыш. Башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса улар Михайловка ауылындағы зыяратты кәртәләп ҡуйыу өсөн тауыш бирҙе. Ауыл советы башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов программала ҡатнашыу ҡағиҙәләрен аңлатты. Был изге эште атҡарып сығыу өсөн һәр йорттан 1 мең 500-әр һум аҡса йыйнаясаҡтар михайловкалар. Шулай уҡ ауыл советынан 60 мең һум һәм спонсорҙан да 60 мең һум ҡушыласаҡ программа буйынса бирелгән суммаға. - Алла бирһә программанан үтһәк, зыяратты халыҡ менән бергә үҙебеҙ кәртәләйәсәкбеҙ. Бер ҡайҙан да эшселәр ялламайбыҙ, шуға ла зыярат кәртәләү суммаһы үтә ныҡ ҡиммәт килеп сыҡманы, - ти Илшат Мәдиф улы. Айгөл ХАЛИҠОВА Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
19 августа Белорет ҡалаһында 35 йәшлек ҡатындың ғәйеп булыуы, яҡындары бик ныҡ борсолоуы, бигерәк тә 15 йәшлек ҡыҙының әсәһе өсөн көйөүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Мәғлүм булыуынса, Айгөл Фәйзуллина өйөнән сығып киткәндә бер әйберен дә үҙе менән алмаған, сумкаһы, телефоны, документтары өйҙә ҡалған. Кисә иһә Белореттан насар хәбәр килде: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш әсәнең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы Айгөлдөң апаһына һылтанып хәбәр итә. Әйткәндәй, юғалған ҡатындың яҡыны уның элек тә өйҙән сығып киткеләүе, әммә һәр саҡ бәйләнешкә сығыуы хаҡында ла белдергән. Кисә иһә Айгөлдө ерләгәндәр. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, йәш ҡатындың кәүҙәһен һыуҙа тапҡандар. Тәү ҡарамаҡҡа был ваҡиғала криминал эҙ юҡ. Айгөл Фәйзуллинаның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек теләйбеҙ. Фото: “Комсомольская правда” порталы. Автор: Гүзәлиә Балтабаева. https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bash-a-aytma--s-n-kitk-n-448021/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килгән районыбыҙ (ул ваҡытта әле Мораҡ районы булып йөрөй) 90 йыл дауамында төрлө ваҡиғалар, тарихи мәлдәр, һынылыштар, күтәрелештәр шаһиты була. Бер кеше ғүмеренә тиң был осорҙа тотош ил яҙмышы яҙылған. Район тарихына байҡау яһағанда шуға иғтибар итергә була: һәр ун йыл һайын ниндәйҙер мөһим ваҡиға, һәр өс-биш йыл һайын – өлгәшелгәндәргә баһа, һөҙөмтәләр. 1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килгән районыбыҙ (ул ваҡытта әле Мораҡ районы булып йөрөй) 90 йыл дауамында төрлө ваҡиғалар, тарихи мәлдәр, һынылыштар, күтәрелештәр шаһиты була. Бер кеше ғүмеренә тиң был осорҙа тотош ил яҙмышы яҙылған. Мәғлүм булыуынса, 30-сы йылдар еңелдән булмай. Беҙҙең район да ил менән бер рәттән коллективлаштырыу, грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү, биш йыллыҡ пландарҙы үтәүҙә әүҙемлек күрһәтә, һөҙөмтәле эшләй. 1935 йылда иһә район Күгәрсен районы тип үҙгәртелә, 11 ауыл Советы, 33 колхоз, 100 ауыл була, һәр ауылда ауыл хужалығы артелдәре барлыҡҡа килә. Социалистик хеҙмәт геройҙары – Федосья Салтыкова, Иван Буянов, Әмир Мусин, Лира Камалова кеүек бөтә булмышын эшкә бағышлаған эшсәндәрҙең тырыш хеҙмәте иҡдисади күтәрелешкә булышлыҡ итә. 16 эшсән – Ленин ордены, 83 кеше Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән билдәләнә. Районға нигеҙ һалыныуға ун бер йыл үткәс, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Күгәрсендәр ул ауыр йылдарҙа ла фиҙаҡәрлек күрһәтә, ерен, һыуын, илен, халҡын дошмандарҙан азат итеүҙә үҙен аямай, батырҙарса көрәшә, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ил азатлығы өсөн утҡа ингән яҡташтарыбыҙға, атай-олатайҙарыбыҙға тәрән ихтирам, рәхмәт тойғоларын әле лә тоғро һаҡлай күгәрсендәр. Районыбыҙҙан 13 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә, күптәре легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында яу юлын үтә, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 13 меңдең яртыһына ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була. Бәрәкәтлек Күгәрсен ере илебеҙгә 8 Советтар Союзы Геройы, ике Дан орденының тулы кавалерын биргән.Шанлы ла, данлы ла йылдар тарихын яҙған, ил күргәнде иңдәрендә күтәргән күгәрсендәр. Һуғыш тамамланғас, 50-се йылдарҙа колхоздарҙы берләштереү башлана. Был йүнәлеш ауыл хужалығының үҫеүенә, материаль-техник базаһының нығыныуына булышлыҡ итә. Район тарихында сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү сағыу бер ваҡиға булып яҙылған. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә 7 мең гектарҙан ашыу ерҙе үҙләштереүгә өлгәшә күгәрсендәр. Ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү маҡсаты менән 1948 йылда Мораҡ механизация училищеһы асыла, 1953 йылда иһә – Мораҡ педагогия училищеһы уҡытыусылар әҙерләй башлай. Күгәрсендәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй: 1954 йылда ҡырҡтан ашыу алдынғы хеҙмәткәр орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 50-нән ашыуы Мәскәү ҡалаһында ВДНХ-ла үткән семинарҙа ҡатнаша, 1957 йылда умартасылыҡтағы юғары күрһәткестәр өсөн РСФСР Ауыл хужалығы министрлығының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла. 1961 йылда районда ике ҙур хужалыҡ – “Октябрь” һәм “Күгәрсен” совхоздары барлыҡҡа килә. Район тарихына байҡау яһағанда шуға иғтибар итергә була: һәр ун йыл һайын ниндәйҙер мөһим ваҡиға, һәр өс-биш йыл һайын – өлгәшелгәндәргә баһа, һөҙөмтәләр. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
"Демография" милли проекты сиктәрендә быйыл түләүҙәр алған ғаиләләр һаны ярайһы уҡ артты. Был хәл мохтажлыҡ критерийҙарының үҙгәреүенә һәм пособие түләүҙең 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем оҙайтыуға бәйле булды. "Демография" милли проекты сиктәрендә быйыл түләүҙәр алған ғаиләләр һаны ярайһы уҡ артты. Был хәл мохтажлыҡ критерийҙарының үҙгәреүенә һәм пособие түләүҙең 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклем оҙайтыуға бәйле булды. Шулай уҡ элек пособие йәшәү минимумы ғаиләлә бер кешегә 1,5-тән артмаһа ғына түләнә торғайны, ә хәҙер һәр ғаилә ағзаһына кәмендә 2 йәшәү минимумы тура килгәндә түләнә. Бөгөн республикала ғаиләләге беренсе, өсөнсө һәм артабанғы тыуған балалар өсөн 22 меңдән ашыу ғаилә пособие ала. Икенсе балаға әсәлек капиталы иҫәбенән түләнә, шуға ла уны алыу өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр мөрәжәғәт иткән ваҡытта балаға алты ай тулмаған булһа, ул тыуған айҙан башлап түләнә торған аҡсаны тулыһынса юллап алып була, әгәр ҙә алты ай үтһә, пособие ғариза яҙған көндән башлап түләнә. #миллипроект #нацпроект #аманат Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Баш ҡалабыҙҙағы “Торатау” Конгресс-холында “Управдом” республика форумы уҙҙы. Уның эшенә йомғаҡ яһауҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сараға килеүселәр беҙҙең көнитмештең иң сетерекле бер тармағы - торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың мөһим мәсьә­ләләрен тикшерҙе, файҙа килтерерҙәй тәҡдимдәрен еткерҙе. “Управдом” форумы, исеменән үк күренеүенсә, башлыса ҡала мөхитенә ҡағылды. Унда подъездар ремонты, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, күп фатирлы йорттарҙы ҡарауға бәйле “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был форумды йыл һайын үткәрергә кәрәк. - Йорт идарасылары - беҙҙең ихата-йорттарҙа тәртип булдырыуҙа төп ярҙамсылар, – тине республика етәксеһе. - Киләһе форумда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығынан ошо саралағы күрһәтмәләрҙе үтәү буйынса отчет биреүен һорайым. Был форум эшендә Сала-уаттан да ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов етәк-селегендәге егерме кешенән торған делегация ҡатнашты. Улар ҡалалағы подъездарҙы ремонтлау, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекттары тураһында күргәҙмә ойошторҙо һәм уның менән республика етәкселеге лә танышты. Радий Фәрит улына Салауаттың Ленин урамындағы аллеяны төҙөклән-дереү идеяһы оҡшаны. Уның фекеренсә, ул ҡаланың төп ял итеү урынына әйләнеүе мөмкин. Берлектәге эш был форум менән генә бөтмәй: бер айҙан Радий Хәбиров «түңәрәк өҫтәл»дәр модераторҙары менән осрашып, тәҡдим-идеяларҙы тағы бер тапҡыр анализлап, уларҙы нисек ғәмәлгә ашырыу юлдарын эҙләйәсәктәр. Беҙҙең ҡала-ларҙы гөл баҡсаға әйләнде-рергә мөмкин, тырышлыҡ ҡына кәрәк, тине Радий Хәбиров.
Беҙҙең бәләкәй генә коллективҡа яңы хеҙмәткәр эшкә килде. Уны ҡыуанып, үҙ итеп ҡабул иттек. Йәшел күҙле Хөсөтдин ағай шундай һалмаҡ ҡына, һаҡ ҡына баҫып йөрөй, мин уны үҙебеҙҙең бесәйебеҙгә оҡшаттым. Тауышы ла бесәйҙеке һымаҡ йомшаҡ, нескә. Беҙҙең бәләкәй генә коллективҡа яңы хеҙмәткәр эшкә килде. Уны ҡыуанып, үҙ итеп ҡабул иттек. Йәшел күҙле Хөсөтдин ағай шундай һалмаҡ ҡына, һаҡ ҡына баҫып йөрөй, мин уны үҙебеҙҙең бесәйебеҙгә оҡшаттым. Тауышы ла бесәйҙеке һымаҡ йомшаҡ, нескә. – Осоп-ҡунып бара торған заттарҙан түгел, ахырыһы, – тип үҙ фекерен әйтте Фазыл ағай. – Оялсан, кеше күҙенә тура ҡарай алмай, – тине Әхсән йәштәш. Хөсөтдин ағай иң тәүҙә миңә иғтибар итте. Күп һөйләүем, артыҡ асыҡ булыуым уны йәлеп иткәндер. Минән ул бөтә хеҙмәткәрҙең дә биографияһын һорашты. Үҙем нимә беләм, барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Оҙаҡ та үтмәне, коллективта көсөргәнешлек тыуҙы. Хеҙмәткәрҙә-ребеҙ араһында имеш-мимештәр йөрөй башланы. Иң тәүҙә директорыбыҙ тураһында хәбәр ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Ул йәш сағында урлашып тотолған, өс йыл рәшәткәле тәҙрәнән ҡарап ултырған, имеш. Икенсе өлкән йәштәге хеҙмәткәребеҙ хаҡында ла хәбәр таралды: имеш, уның ситтә үҫкән балалары бар... Бер көн сираттағы шундай хәбәрҙе тыңлағанда, күҙем кинәт Хөсөтдин ағайға төштө бит. Аҫҡа ҡарап йылмая ине ул. Күп уйлап тормай, әйт тә һал мин: – Хөсөтдин ағай килгәс кенә әллә ни булды беҙҙең халыҡҡа... Ул миңә уҫал итеп ҡараны. Уның йәшел күҙҙәренең иң төпкөлөндә бесәй тырнаҡтары күренгәндәй булды. Тиҙҙән ошо тырнаҡтарҙың үткерлеген татырға тура килде. Көндәрҙән бер көн эшкә килеп инеү менән ҡысҡырып сәләм бирҙем. Сәләмемде бер кем дә алманы. Өҫтәл артына барып ултырыуға Фазыл ағай: –Бәйелһеҙ... – тип әйтеп һалды бит. – Кем? – тим. – Ишшеү телләшә, ана өҫтәл тартмаңды ҡара. Тиҙ генә тартманы асам. Унда хат ята ине. «Сәмүк (был минең ҡыҫҡартылған исемем, тулыһы – Сәмиғулла), ғүмергә бергә булырбыҙ, тигән һүҙҙәреңә ышанып харап ҡына булдым. Баламды әрәм итмәйәсәкмен, иҫән-һау тыуһа, үҙем үҫтерермен. Әсинә», – тип яҙылған ине унда. Ҡот ҡалманы. Оҙаҡламай һөйгән ҡыҙым Әнисә менән туйыбыҙ булырға тора. Эш ҡайғыһы китте. Кисен хатты тотоп Әнисәм янына барҙым. – Сәмүк, ни булды һиңә? Ниңә һөмһөрөң ҡойолдо? – тине ул. Хатты күрһәттем. Уҡып сыҡты ла, алһыуланған йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап бер аҙ ултырғас, әкрен генә торҙо. «Бөттө!» – тип уйланым. Тик... Бөтмәгән икән. Әнисәм миңә икенсе хатты килтереп тотторҙо. «Әнисә! Яңылышма Сәмүккә барып. Бала хаҡына ул барыбер миңә киләсәк». Йәшәһен ғәйбәткә ышанмаусылар! Әнисәм минең тоғролоғома ышана икән. – Беҙҙең бәхеткә көнләшкән кешенең йүнһеҙ бер шантажы. Туй кисектерелмәй! – тине. Шаулатып туй яһаныҡ. Туйҙа бергә эшләгән иптәштәремдең барыһы ла булды. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Әнисәнең киреһе – Әсинә икәненә йығылып көлдөк. Туйҙан һуң мин сираттағы ялымды алдым. Хөсөтдин ағайҙың да отпуск ваҡыты еткән икән. Бер айлыҡ ял бер аҙна кеүек тә тойолманы. Тәүге көн эшкә сыҡтым. Тағы бер кем дә иҫәнләшмәй, барыһы ла өҫтәлдәренә эйелгән. Йәнәһе, мине күрмәйҙәр. Ярай. Урыныма барып ултырҙым. Шулай тып-тыныс күпмелер ултырғас, Фазыл ағай: – Айнытҡыс оҡшанымы? – тип һорап ҡуйҙы. – Ә мин айнытҡыстың ҡайҙа икәнен дә белмәйем, – тим. – Бушты һөйләмә. Ана, ҡағыҙ ебәргәндәр. Айнытҡыстан килгән хатты тотоп, ҡатып ҡалдым. – Теләһә нишләгеҙ, егеттәр, мин унда булманым, – тип әйтеп ҡарайым, береһе лә ышанмай. Шулай ни эшләргә белмәй тор-ғанда, директорыбыҙ килеп инде лә: – Ғәлекәйев, айнытҡысҡа барып киләйек әле... – тине. Унда барып йөрөүебеҙ бушҡа булманы: айнытҡысҡа эләккән Сәмиғулла Ғәлекәйевтың кеҫәһендә танытма булған, имеш. Шуның буйынса исем-фамилия, эшләгән ер теркәлгән икән. – Ғәлекәйевты ҡабул иткән иптәште саҡырығыҙ әле, – тине директор. Полицейский миңә текләп ҡарап торҙо-торҙо ла: – Ул өлкәнерәк һәм күҙҙәре йәшел ине, – тине. Йәһәт кенә кеҫәнән туйҙа төшкән фотоны сығарҙым. – Ошонда юҡмы ул кеше? Был шунда уҡ Хөсөтдин ағайға төртөп күрһәтте: – Бына ул. Сабып тигәндәй эшкә барып еттем. Тик... Хөсөтдин ағай, хәҙер киләм тип, сығып киткән икән. Шул китеүенән кире килмәне. Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн уңайынан рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә, тип иҫкә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрам көнө булып тора. «Быйыл 8 Март байрамы йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көнө тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә, — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола. — Шуға ярашлы, 8 марттағы ял (йәкшәмбе) 2020 йылдың 9 мартына (дүшәмбе) күсерелә. Йома, 6 мартта, эш көнө ҡыҫҡармай». Шулай итеп, байрам уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында 7,8 һәм 9 март байрам көндәре булып тора. Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 8 марттағы байрам көнө отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй. http://www.bashinform.ru/news/1417680-kak-budem-otdykhat-na-8-marta-mintrud-bashkirii/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
1 стакан һыуға 10 төймә «фурацилин»ды төйөп һалырға һәм күгәргән урындарҙы артыҡ еүешләтмәйенсә генә йыуырға. 1 стакан һыуға 10 төймә «фурацилин»ды төйөп һалырға һәм күгәргән урындарҙы артыҡ еүешләтмәйенсә генә йыуырға. Кипкәнен көтөргә һәм быны тағы бер ҡабатларға. 3-4 айҙан, профилактика өсөн, 1 литр һыуға 10 төймә ошо дарыуҙы һалып, стеналарҙы ҡабаттан һөртөп алырға. Кер һабыны менән йыуырға Линолеум һәм паркетты ҡайнар һыу менән йыуырға ярамай. Сода, нишатыр спирты ҡушыу ҙа тыйыла. Иң яҡшыһы, йылы һыуға ҡырғыстан үткәрелгән аҙ ғына кер һабыны ҡушырға. Паркет иҙәнде һалҡын һыуға манып яҡшылап һығылған сепрәк менән йыуалар. 1 стаканға 1 аш ҡалағы глицерин ҡушырға ла була.
Кириешки менән салатТиҙ һәм еңел әҙерләнә торған туҡлыҡлы салат. Беренсе ҡатҡа – һаламлап турап, 200 грамм ыҫланған тауыҡ ите, икенсеһенә – 200 грамм помидор, өсөнсөһөнә – ҡытай кәбеҫтәһе, ҡырғыстан үткәрелгән ҡаты сыр, иң өҫкө ҡатҡа сырлы кириешки һалырға. Һәр ҡатҡа майонез яғыла. Туҡлыҡлы салат Был салат ябай ғына булһа ла, бигерәк тәмле килеп сыға! Эшләүе лә еңел генә. Тауыҡтың түш итен бешереп алабыҙ ҙа (300 грамм) шаҡмаҡлап турайбыҙ. Уға 4 йомортҡа, 3 бәрәңге, 3 кишер, бер һуған, 2 тоҙло ҡыяр турап һалабыҙ. 1 банка йәшел борсаҡ (150 грамм тирәһе), тәменә ҡарап тоҙ, майонез һалып бутайбыҙ. Өҫтән зәйтүн емеше менән биҙәргә мөмкин. "Беренсе ҡар" салаты Яңы йыл табыны өсөн тәмле һәм үҙенсәлекле салат эшләргә тәҡдим итәбеҙ. 400 грамм бешкән тауыҡ итен турарға, 100 грамм грек сәтләүеген ваҡларға. 100 грамм сырҙы, 3 бешкән йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрергә кәрәк. Ризыҡтарҙы 150 грамм майонез менән бутап, салат һауытына өйөп һалырға. Салат өҫтөнә урталай ярылған виноград емештәрен һалып сыҡҡас, 80 грамм ҡырғыс аша үткәрелгән ҡаты сырҙы һибергә. Биҙәлгән салат ҡар менән ҡаплана башлаған ер өҫтөн хәтерләтәсәк. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Дәүләкән ҡалаһының йәш ғаиләләр күп йәшәгән «Төньяҡ» биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды. Ул 260 урынға иҫәпләнгән. Әле 12 төркөмгә 170 ҡыҙ һәм малай юллама алған да инде. Бығаса балаларын өйҙәренән алыҫҡа йөрөтөргә мәжбүр булған атай-әсәйҙәр яҡында ғына заманса баҡса асылыуына ҡыуанып бөтә алмай. Бында бөтәһе лә матур, өр-яңы. Заманса техника менән йыһазландырылған һәм бер нисә цехҡа бүленгән аш-һыу бүлмәһе булыуы балалар баҡсаһын бүтәндәрҙән айырып тора. Әҙерләнгән ризыҡ эҫе килеш махсус лифт менән тиҙ генә таратыла. Тағы бер үҙенсәлеге: кескәйҙәрҙең һыуыҡ көндәрҙә тышта уйнап ингәндән һуң еүешләнгән аяҡ кейемдәрен киптерер өсөн махсус шкаф бар. Дәүләкәндәге яңы балалар баҡсаһы «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект» акцияһы исемлегенә индерелгән. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Сибай ҡалаһының "Гөлдәр" өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе - Луиза Яхина) Мәскәү ҡалаһында үткән фестивалдә Гран-при яуланы. "Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты! "Гөлдәр" өлгөлө бейеү ансамбле - Сибай ҡалаһының йөҙөк ҡашы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Яхина етәкләгән коллективта балаларға бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләнеп кенә ҡалмай, төрлө милләт бейеүҙәрен өйрәнәләр, иң мөһиме конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урын яулайҙар. Күптән түгел "Гөлдәр"ҙәр йәнә бер оло еңеүгә лайыҡ булды. Мәскәү ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр ижадының 31-се Халыҡ-ара "Мин булдырам" проекты сиктәрендә үткәрелгән "Баш ҡала йондоҙҙары" исемле фестиваль-конкурста "Башҡорт сувениры" бейеүе менән Гран-при яуланы. Бәйгелә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 72 ансамбль ҡатнашҡан. Чита, Силәбе, Брянск, Пенза, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙан килгән иң көслө ансамблдәр араһында Сибай балалары лайыҡлы сығыш яһаны. Шулай уҡ ансамблдән "Йәнтүрә" исемле яңғыҙ бейеү менән Әҙилә Хоҙайбирҙина һәм Илнур Хәсәнов 1-се дәрәжә лауреат булған. Афарин, "Гөлдәр"ҙәр! Һәр саҡ шулай сәхнәләрҙә төрлө гөлдәр кеүек балҡып бейегеҙ, оло еңеүҙәр яулағыҙ! Фото: Луиза Яхина. "Гөлдәр"ҙәр Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты! Автор:Карима Усманова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
11 класты тамамлаусылар һәм юғары уҡыу йортона инеүҙе планлаштырмағандар 2021 йылда аттестат алыу өсөн дәүләт сығарылыш имтиханы формаһында ике мотлаҡ предметты – рус телен һәм математиканы – тапшырырға тейеш, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 11 класты тамамлаусылар һәм юғары уҡыу йортона инеүҙе планлаштырмағандар 2021 йылда аттестат алыу өсөн дәүләт сығарылыш имтиханы формаһында ике мотлаҡ предметты – рус телен һәм математиканы – тапшырырға тейеш, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, инвалид балаларға һәм инвалидтарға аттестат алыу өсөн үҙҙәренең һайлауы буйынса рус теле буйынса дәүләт сығарылыш имтиханын йәки берҙәм дәүләт имтиханын биреү ҙә етә. 2021 йылда 11 кластарҙа һайлаған предметтар буйынса дәүләт сығарылыш имтиханы формаһындағы дәүләт һөҙөмтә аттестацияһы үткәрелмәйәсәк. Быйыл юғары уҡыу йортона инеүҙе планлаштырмаған сығарылыш кластар уҡыусылар өсөн дәүләт сығарылыш имтиханының демонстрация варианттары 2021 йылдың 10 февраленә тиклем Федераль педагогия үлсәмдәре институтының рәсмии сайтында баҫыласаҡ. 11 класты тамамлаусылар өсөн дәүләт сығарылыш имтиханын үткәреүҙең төп ваҡыты 24 – 28 майға планлаштырылған. Сығарылыш имтихандары тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәт менән республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға мөмкин. Ә имтихандарға килгәндә, улар – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарының береһе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Самолетты тотҡарлаһалар, нимә эшләргә?Сәйәхәт итергә яратыусыларҙың күптәре шаһит булғаны бар бындай хәлгә. Тәү сиратта шуны белегеҙ: был мәсьәләне аэропорт хеҙмәте менән түгел, ә авиакомпания вәкилдәре менән хәл итергә кәрәк. Ә уларҙы ҡайҙан табырға һуң? Авиакомпания вәкиле һеҙҙең рейсты теркәгән ерҙә йәки самолетҡа ултырырға сыҡҡан урында булырға мөмкин. Унда ла юҡ икән, билетығыҙҙа күрһәтелгән авиа-компания телефонына шылтыратығыҙ. Рейсты тотҡарланған осраҡта, 7 йәшкә тиклемга балалары булған ғаиләләргә әсә һәм бала бүлмәһенән урын бирелергә тейеш. Самолет 2 сә-ғәткә тотҡарланһа, ике тапҡыр бушлай шылтыратырға һәм электрон почта аша ике хат ебәрергә рөхсәт ителә. Шулай уҡ һыуыҡ эсемлектәр менән дә тәьмин итеү ҡаралған. Ә 4 сәғәт көткәндән һуң да оса алмаһағыҙ, авиакомпания йылы аш менән тәьмин итергә тейеш. Бындай хеҙмәтләндереүҙе көндөҙ 6 сәғәт һайын, кисен 8 сәғәт һайын алырға була. 8 сәғәттән ашыу көтәһегеҙ икән, авиакомпания һеҙҙе ҡунаҡханаға урынлаштырырға, унда барырға транспорт бүлергә, багажды бушлай камерала һаҡларға тейеш. Әгәр ҙә улар урынлаштырған ҡунаҡхана шарттары һеҙгә оҡшамай икән, үҙегеҙгә оҡшағанына барып урынлашып, сығымдар буйынса квитанцияларығыҙҙы һаҡларға кәрәк. Һуңынан ошо документтар менән компенсация алырға мөмкин буласаҡ. Самолет рейсы тотҡарланғанда күп кенә сығымдар булыуы ихтимал. Мәҫәлән, эш буйынса осрашыуға йәки сәйәхәтте дауам итеү өсөн икенсе самолетҡа һуңлау, йә алдан түләп ҡуйылған ҡунаҡханаға ваҡытында килеп етмәү һ.б. Был осраҡта ла зыян күреүсенең авиакомпанияға дәғүә белдереп, компенсация алырға хоҡуғы бар. Әммә шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: был ҡағиҙә тик авиакомпания ғәйебе менән рейс тотҡарланғанда ғына ғәмәлдә ҡала. Мәҫәлән, насар һауа шарттары компенсация алыуға сәбәп түгел. Шулай уҡ сәбәптең аэропорттан ситтәге хәлдәргә бәйле булыуы ихтимал. Дәүғәне дөрөҫ белдереү өсөн самолет ваҡытында осмауға бәйле дәлилдәр менән күберәк документтар йыйырға кәрәк. Рейстың тотҡарланыуы тураһында иғлан ителгәс тә, компания вәкиленән билетығыҙға билдә ҡуйыуҙы һорағыҙ, ә самолетҡа ултырғас, осоу ваҡытын билдәләгеҙ. Түләгән барлыҡ чектарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ. Компенсация алыу өсөн 6 ай эсендә барлыҡ дәлилдәр менән авиакомпанияға дәғүә белдерергә кәрәк. Әгәр ҙә 30 көн эсендә яуап килмәй икән, судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ярҙам кәрәк булһа, беҙҙең кон-сультация бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Һеҙгә күңелле сәйәхәт теләйбеҙ! Регина ФӘТТӘХОВА, “Гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡ район-ара филиалы юрисконсульты. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Тиҙҙән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда туҡтатылған водителдәрҙең хәл - торошон урында уҡ билдәләү өсөн яңы прибор аласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Тиҙҙән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда туҡтатылған водителдәрҙең хәл - торошон урында уҡ билдәләү өсөн яңы прибор аласаҡ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ буйынса начальнигы Михаил Черников билдәләүенсә, был алкотестер түгел, ә индикация сараһы аша спиртлы эсемлектәрҙән тыш, наркотик йәки психотрон мәтдәләр ҡулланыуҙыла асыҡлай алыусы прибор. Киләсәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ, тип ул. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Башҡортостандың ҙур ҡалаларындағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары уҙғарылмай. Ошо хаҡта республика мосолмандары Диниә назаратының рәсми сайтында хәбәр ителә. Башҡортостандың ҙур ҡалаларындағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары уҙғарылмай. Ошо хаҡта республика мосолмандары Диниә назаратының рәсми сайтында хәбәр ителә. 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары үткәрелмәй. Был коронавирус инфекцияһының таралыуына, шулай уҡ 250-нән күберәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы сикләүгә бәйле. «Йома намаҙына даими йөрөгән һәм әлеге етди сәбәптәр арҡаһында килә алмаған диндарҙарға бының өсөн борсолорға кәрәкмәй», — тиелә Диниә назараты белдереүендә. Сирле мосолмандарҙы өйҙә ҡалыуҙарын, шулай уҡ бәләкәйерәк мәсеттәргә йома намаҙына бармауҙарын, тыныслыҡ һаҡлауҙарын, паникаға бирелмәүҙәрен һәм ғәйбәт таратмауҙарын һорайҙар. Мәсеттәрҙә даими дезинфекция үткәрелергә тейеш. «Ислам дине кеше ғүмерен, ҡарашын, зиһенен, мөлкәтен һәм намыҫын һаҡлауға йүнәлтелгән. Ошо әйтеп үтелгән аспекттарға зыян килтереү хәүефе янағанда шәриғәт диндарҙарға бурыстарын еңеләйтергә мөмкинлек бирә», — тиелә белдереүҙә. Шулай уҡ йома намаҙҙарын үткәреүҙе тыйыу Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты етәкселегенең махсус күрһәтмәләренә тиклем ғәмәлдә була. ф Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Тапшырыу “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “НТВ”, “ОТР”, “МИР” телеканалдарында, “Маяҡ”, “Вести FM”, “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларында трансляцияланасаҡ. Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Һорауҙарҙы телефон аша шылтыратып (8–800–200–40–40, сит илдәрҙән – +7–499–550–40–40, +7–495–539–40–40); СМС, ММС-хәбәрҙәр ебәреп бирергә (Рәсәй элемтә операторҙары телефонынан 0–40–40 һандарына); шулай уҡ тапшырыу сайтына (moskva-putinu.ru (москва-путину.рф), йәки махсус мобиль ҡушымтаға (“Москва – Путину”) яҙырға була. Өҫтәүенә “Бәйләнештә” (vk.com/moskvaputinu), “Класташтар” (ok.ru/moskvaputinu) социаль селтәрҙәрендә видеоролик төшөрөп һалыу мөмкинлеге бар. Эфир ваҡытында иһә “Москва – Путину” һәм “ОК Live” ҡушымтаһын файҙаланыусылар студия менән тура видеобәйләнешкә инә ала. Һорауҙар бөгөндән алып 20 июнь тапшырыу тамамланғансы ҡабул ителә. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Ф.Х.Мостафина исемендәге 20–се ҡала башҡорт гимназияһында кластан тыш сараларға ҙур иғтибар бүләләр. Уҡыусы балаларҙың буш ваҡыттарын файҙалы итеп ойоштороу өсөн осрашыуҙар, китап күргәҙмәләре, викториналар, китапхана дәрестәре, әҙәби кисәләр, төрлө кимәлдәге ярыштар бик файҙалы үткәрелә. Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҙур иғтибар бүленә. Шуға ла шағирҙар,яҙыусылар беҙҙең балаларҙың көтөп алған ҡунаҡтары.Сираттағы ҡунағыбыҙ шағирә, Ш.Бабич, Р.Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәте хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союздары ағзаһы,Өфө ҡала хакимиәтендә Телдәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе,өс бала әсәһе, дүрт китап авторы – Зөлфиә Миндибай ҡыҙы Ханнанова менән осрашыу бәхетенә ирештек. Зөлфиә апай тормошта ла үҙенең ихласлығы, һөйкөмлөлөгө, изгелекле, кешеләрҙе аңлауға ҡоролған фәлсәфәүи мөнәсәбәте, уйсан фекерләү даирәһе менән кешене ылыҡтыра.Бөгөнгө осрашыуыбыҙ уның күңел донъяһын уҡыусыларға тағы ла нығыраҡ асты. Талантлы шағирәбеҙҙең сығыштарын залда ултырыусылар ихлас күңелдән тыңланылар һәм һорауҙарға яуаптар алдылар. Әсә һәм бала,үткәндәр менән киләсәк,ғәзиз туған телебеҙ яҙмышы,яуҙа ятып ҡалған батырҙарыбыҙға арналған шиғырҙары, йырҙары яңғыраны был кисәлә. Бигерәк тә, 3б класс уҡыусылары Зөлфиә апайҙың һүҙҙәренә яҙылған шиғырҙарына Гөлдәр Ишҡыуатова ижад иткән йырҙары “Әсәй,бәпес алып ҡайт”, “Ярамай”, Юнир Һағынбаев етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле,8 класс уҡыусылары Й. Ҡунафиндың “Башҡортостан” , Идрисова Эльвинаның “Ҡот” поэмаһынан өҙөк,Баязитов Илмирҙың, Сабирова Камилланың, Әлибаев Арсландың яттан һөйләгән шиғырҙары барыһының да күңелдәренә үтеп инде. Зөлфиә Ханнанова «Йөрәк һүҙе» проектында ҡатнашып үҙенең көслө шиғырҙары менән тағы бер тапҡыр дәлилләне. -Ошо шиғри бәйгелә ҡатнашыусылар араһында һеҙҙең уҡыусыларығыҙҙың ҡатнашыуы – үҙе бер мәртәбә. Мәҫәлән, атайлы-уллы Мөнир Ҡунафин улы Йәдкәр, әсәле – уллы Лариса Абдуллина улы Хасбулат, әсәле-ҡыҙлы Гөлнара Хәлфетдинова һәм ҡыҙы Гөлнәзирә, һеҙҙең мәктәпте уҡып сыҡҡан Азамат Урманшин һәм әсәһе Алһыу Бәхтиева, Әҙилә һәм уның атаһы Зәки Әлибаев, уҡытыусыларығыҙ Менәүрә Абдулхай ҡыҙы һәм Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы ла бар ине. Һәр береһе ошо батырлыҡтары өсөн оло маҡтауға лайыҡ,- тине шағирә. Рухлы, ватансыллыҡ темаһына бик күп әҫәрҙәре менән киң танылыу алған З.Ханнанова менән осрашыу һәр кемдең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Көндәр әле лә бик һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, күңелдәр иләҫләнә, ниндәйҙер бик тулҡынландырғыс ваҡиға булыр кеүек. Ни өсөнмө? Сөнки, беренсенән, тиҙҙән – яҙ, ә икенсенән – бына-бына “Аманат”тың өр-яңы номеры килеп етә! Йән дуҫтарыбыҙҙы зарыҡтырмайыҡ тип, журналдың Шаҡай һанында нимәләр булыры тураһында һөйләп үтәйек әле. “Аманат”тың Шаҡай һанында “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһында ҡатнашып, бығаса журнал биттәрендә сығып өлгөрмәгән шәп тиҫтерҙәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙың фотолары журналдың беренсе битендә үк баҫылып сыға! 2018 йылда журнал Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе ойошторғайны. Ниһайәт, конкурстарҙың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла булып үтте. Уларға фонд етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы тураһында Зөбәржәт апайығыҙҙың “Бында ижад тантана итте” мәҡәләһендә уҡырһығыҙ. Шуны иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: был бәйгеләр әле лә бара, шуға күрә үҙегеҙ ижад иткән шиғыр, хикәйә, әкиәттәрегеҙҙе беҙгә ебәрегеҙ. Әлеге һанда тиҫтерҙәрегеҙҙең Ватанды һаҡлаусы көнөнә арналған ижад емештәре урын алған. Ә һеҙ беләһегеҙме, Башҡортостандың беренсе Президенты – Мортаза Рәхимов бала сағында хоккей уйнарға, “Пионер” журналын (“Аманат”тың элекке исеме шулай булған) уҡырға яратҡан икән! Ул үҙенең бала сағы, үҫмер ваҡыты тураһында “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында хәбәрсебеҙ Миләүшә Баййегетова менән әңгәмә барышында һөйләй. Ил ағаһының өлгө булырҙай тарихы тураһында “Аманат”тың 2-се һанында уҡырһығыҙ. Ошо уҡ рубрика аҫтында Зөһрә Бәшәрова Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов тураһында ла бәйән итә. Бәләкәй Таһирҙың шуҡлыҡтары, кисерештәре, нисек итеп 15 йәшендә беренсе синыфҡа барыуы тураһында был мәҡәлә һеҙгә оҡшар, тип уйлайбыҙ. Кем алыҡ, кем белә – Башҡортостан Республикаһына быйыл нисә йәш тула әле? Онотоп китһәгеҙ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 мартта Башҡортостандың автономия яулауына теүәл 100 йыл тула! Был титул Башҡортостанға еңел бирелмәгән шул. Тарихсы ағайығыҙ Азат Юлан үҙенең “Автономия яулаған ғәскәр” тип аталған мәҡәләһендә башҡорт ғәскәренең ҡыҙылдар яғына сығыуы тураһында яҙған. Моғайын, һеҙ уҡыған мәктәптәрҙә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнөнә арналған ярыштар ойошторолғандыр. Командаларға бүленеп, исем, девиз уйлап бер булғанһығыҙҙыр, шулаймы? Бына Шәһит тигән малай ҙа мәктәп командаһына ниндәй исем бирергә тип баш вата. Ниндәй исем ҡушҡанмы? Бының турала үҙенең мәҡәләһендә Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Байрам булғас, “Егетлек мәктәбе”ндә әрме тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Рәзил Бикбулатов армияла хеҙмәт итергә кәрәкме, юҡмы икәнлеге тураһында бик фәһемле мәҡәлә яҙған. Айырыуса малайҙарға быны белеү кәрәк. Ысынлап та, әрме кәрәкме ул? Журналыбыҙҙың Шаҡай номерында шаҡ ҡатырырлыҡ эштәр эшләгән тиҫтерҙәребеҙ тураһында ла яҙҙыҡ! Йәш геройҙар тураһында Зөбәржәт Яҡупованың “Батыр йөрәкле балалар”, Миләүшә Баййегетованың Путиндың самолетында булған, хатта уның ултырғысында ултырып ҡараған Арыҫлан Ҡәйепколов тураһындағы мәҡәләһе һеҙҙе рухландарыр, моғайын. Ә һеҙ ҡунаҡ саҡырырға яратаһығыҙмы? Ә ҡунаҡҡа барырға? Гүзәлиә Ғүмәрова апайығыҙ “Һабаҡ” рубрикаһында ни өсөн ҡунаҡ һыйлау – оло сауап икәнлеген аңлата. Был мәҡәлә йәш хужабикәләр өсөн айырыуса фәһемле булмаҡсы! Яуапһыҙ тәүге мөхәббәт... Эйе, ошо теманы йыш яҡтыртҡан “Мәңгелек сер” рубрикаһында был юлы ла йәш ҡыҙҙың хаты баҫылды. Уны уҡып, яуап хаттар яҙырһығыҙ, тип өмөт итәбеҙ. Был хатты кем яҙғаны әлегә сер булып торһон. Шулай ҙа был һандың спорт, замана балалары, макродонъя, балалар хоҡуғы менән ҡыҙыҡһыныусыларға, төрлө мөғжизәләргә битараф булмағандарға бик күп мәғлүмәт килтереүен йәшерә алмайбыҙ. “Аманат” журналын конкурс, уйындарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. “Башэшләтмәк” рубрикаһындағы “Пионер” журналында сыҡҡан латин яҙмалы тексты уҡып, уны хәҙерге башҡортт теленә ауҙарып ебәреүселәр өсөн уйын дауам итә. Конкурстың шарттары шул уҡ – кем иң беренсе булып электрон йәки ҡағыҙ хатта дөрөҫ яуап ебәрә – шул еңеүсе. Шулай уҡ “Ай, һылыу!”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурстарына ебәрелгән фотолар, яҙмалар журнал биттәрендә донъя күрҙе. Ә “Хат-хәбәр”ҙә уҡыусылар ағай, олатайҙар тураһында йөкмәткеле хаттары баҫылды. Афарин, дуҫтар, гел шулай әүҙем булығыҙ! Яҙылығыҙ, алдырығыҙ, яҙышығыҙ! Тағы ла берҙе иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 1 февралдән "Аманат"ҡа 2019 йылдың 2-се ярты йыллығына арзаныраҡ хаҡҡа алдан яҙылыу башланды. Ул 31 мартҡа тиклем дауам итә. Шуныһына иғтибар итегеҙ: журналға ошо арала яҙылып өлгөрһәгеҙ, уның хаҡы ярты йылға - 340 һум 08 тин тәшкил итә. 1 апрелдән хаҡы арта. Шуның өсөн февраль-март айҙарында яҙылып ҡалыуығыҙ отошлораҡ булыр. “Аманат”ты һағынып көтөп алған барлыҡ уҡыусыларҙы 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең кеүек әүҙем, шәп, зирәк балалар булғанда, беҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаҫ. Ни тиһәң дә, һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ. “Аманат”ты алдырып уҡып, белемле, аҡыллы булып үҫегеҙ! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Илдар моңһоуланып көҙ айҙарына хас булған киске тәбиғәтте күҙәтә. Күрше йорттоң асыҡ тәҙрәһенән ишетелеп ҡалған дәртле көй ҙә, ҡаршылағы эскәмйә көлөшә-көлөшә һүҙ сурытыусы ҡатындар ҙа, баҡса янында дуҫтарса шаярышҡан эт менән бесәй ҙә кәйефен күтәрмәне уның. Дауаханала үлем менән көрәшеп ятҡан атаһы хаҡындағы уйҙар тынғы бирмәй егеткә. Эйе, хәле ысынлап та йөрәкте әрнетерлек шул. Яңы ғына алтмышты аша атлап үткән ир-уҙаман үлем түшәгендә ятһын әле… “Яҙмыштан уҙмыш юҡ” тигәндәре хаҡтыр күрәһең. Шул мәлдә Илдар янына оло йәштәге ир килеп баҫты. Кәүҙәһе алға эйелә төшкән, башына фуражка, өҫтөнә иҫке генә һоро костюм кейгән. Фуражка аҫтынан тырпайып сығып торған аҡ сәстәренә һәм йыйырсыҡтар менән сыбарланған йөҙөнә ҡарағанда, уға етмеште бирергә була. Ҡарттың төҫһөҙләнеп бөткән күҙҙәре егеткә текәлгән. Танырға теләүе ахыры. Илдар ҙа уға төбәлде. Әммә сырамыта алманы. Был кешене бер ҡасан да күргәне юҡ ине… Сәйер тынлыҡты ҡарт үҙе боҙҙо: - Һин, ҡустым, Сәлимов Шәһиттең улы түгелме? – тип һораны ул. - Эйе… – тип яуапланы Илдар һәм уға тағы ла ныҡлабыраҡ текләне. - Тураһын һорағанға ғәфү ит, ҡустым, атайың бик ауыр хәлдә, көндәре лә һанаулы ҡалған, тип ишеткәйнем. Дөрөҫмө был хәбәр? - Шулайыраҡ шул… – Тураһын әйтте егет, сөнки атаһының үлемесле сир менән яфаланыуын бөтә ауыл тиерлек белә. – Бына әле генә уның янынан ҡайтып торам. Ә һеҙ кем булаһығыҙ һуң? – тип уға ҡаршы һорау бирҙе Илдар. Ҡарт, әйтерһең, уның һорауын ишетмәне: - Йәл, бигерәк йәл, ул бит минән йәшерәк. Яңылышмаһам, әллә дүрт, әллә биш йәшкә, – тип һөйләнә-һөйләнә тәмәкеһен тоҡандырып егет янына килеп ултырҙы ла: “Атайыңдың элекке танышы – Сергей Улин булам”, – тип һүҙен дауам итте ҡарт. Унан һуң ҡуйы тәмәке төтөнөн аҫҡа ҡарай өрҙө лә, “йә, иҫеңә төштөмө инде”, тигәндәй әңгәмәсеһенә ҡараны. “Әлләсе” тигән яуапты ишеткәс: - Ишеткәнем юҡ, тимәксеһеңме? – ул егеткә аптыраулы ҡараш ташланы ла үпкәле тауыш менән: “Йәштәр мине белеп етмәйҙәр шул. Оло быуын кешеләре таныр ине”, - тип ҡуйҙы. Артабан һүҙ ялғанманы. Тынлыҡ урынлашты, ҡарттың әленән-әле ауыр итеп тын алыуы ғына ишетелеп ҡала. Үпкәһе менән яфалана, ахыры, тип уйлап алды Илдар. Шул саҡ ҡарттың йөҙө ҡапыл яҡтырып киткәндәй булды. Ул егеткә табан боролдо ла ҡәтғи тауыш менән һорап ҡуйҙы: - Ней, ҡустым, исемең кем әле? - Илдар. - Илдар, миңә күрше булып йәшәй башлауығыҙ хаҡында ишеткәйнем. Шул көндө үк һеҙҙең менән танышып, һөйләшергә теләгәйнем… Әммә ҡыйыулығым етмәне. Бөгөн бының өсөн уңайлы мәл, минеңсә. Ваҡытың булһа, әйҙә, өйгә инеп һөйләшеп ултырайыҡ, әҙ-мәҙ һыйым да бар. Егет бөтөнләй аптырап ҡалды: кеше менән таныш та шунда уҡ өйөнә һыйланырға инеп кит, имеш. - Ҡуйығыҙ әле, ағай, ғаиләгеҙ алдында уңайһыҙ булыр, – тине ул. - Мин яңғыҙ йәшәйем. Әйҙә, тартынма! Атайың менән бер нисә тапҡыр юлдар киҫешкәйне. Шулар хаҡында һөйләмәксемен. Ә иң мөһиме: уға һинең аша бер үтенесемде еткергем килә. “Ҡарттың үлем түшәгендә ятҡан атайыма ниндәй үтенесе бар икән?” тип уйлаған Илдар ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы. Кеҫә телефоны аша ҡатынына шылтыратып, бер сәғәттән ҡайтасағын хәбәр итте лә, Улинға ҡарап: - Әйҙәгеҙ һуң, – тип ризалығын белдереп урынынан ҡуҙғалды. - Бына рәхмәт! – Ҡарт балаларса ҡыуанды. Ҡулы менән, минең арттан бар, тигәнде аңлатып ишараланы ла, нимәлер мығырлай-мығырлай егетте өйөнә алып инеп китте. ...Йортҡа ингәс, ҡарт утты тоҡандырҙы. Шул саҡ һарғайып бөткән стенала яҡтынан ҡурҡышып йүгерешкән тараҡандар күҙгә салынды. Иҙән дә күптәнән йыуылмаған, ахыры. Унда-бында ҡағыҙ киҫәктәре, тәмәке туҙып ята. Хужа кеше ҡунағын түргә саҡырҙы. Ашыҡмай ғына һый әҙерләне: икмәк телде, өҫтәлгә помидор менән тоҙ килтереп ҡуйҙы. Ике стакан ултыртты, унан араҡы сығарып ҡоя башланы. - Һин, Илдар, үпкәләмә. Яңғыҙ кешенең һыйы ошондайыраҡ була инде ул, – тине ҡарт, стакандарҙы ҡулына алып. – Әйҙә, башта танышыу хөрмәтенә. – Илдар эсеүгә әүәҫ түгел, шулай ҙа хужаны үпкәләтмәйем тип, стаканды ҡулына алып, ҡабаттан өҫтәлгә ҡуйҙы. Шул арала араҡыһын түңкәреп ҡуйырға өлгөргән Улин бер аҙ тын алмай торҙо ла, тәмәкеһен тоҡандырҙы. Ғыжылдай-ғыжылдай йүткереп алғандан һуң һүҙен башлап ебәрҙе: - Мин, ҡустым, ҡасандыр бик ҙур пост биләнем. Район хужаһы уҡ түгел инем, әммә ҡулымда ҙур ғына власть бар ине. Етәксе булып килештерә белә инем. Ҡаты ҡыланырға яраттым. – Ҡарт бер мәлгә туҡтап ҡалды. Күҙҙәрендә ниндәйҙер сәйер осҡон тоҡанғандай итте. Әллә ҡылған эштәрен барланы, әллә биләгән вазифаһы өсөн эстән генә ғорурлыҡ кисерҙе – Илдар аңлай алманы. Бер минут тирәһе шулай ултырғандан һуң, ҡарт тәмәкеһен өҫтәлдәге көл һауытына ҡаҡты ла, һүҙен дауам итте: - Эйе, ауылдағы етәкселәр минән айырыуса ныҡ шөрләне. Үҙемә оҡшамағандарын эштән сығарыу өсөн бер генә һүҙем етте. – Ошо урынға еткәс, ҡарт Илдарға туп-тура ҡарап: - Һинең атайыңды ла эшенән алдырырға тура килде миңә. Хатта ике тапҡыр, эйе, ике тапҡыр… – Улин бер аҙ тын торҙо ла үтенесле тауыш менән дауам итте, – Илдар ҡусты, һиңә был һүҙҙәрҙе ишетеү еңел түгелдер… Битемә төкөргөң килһә – төкөр, һуҡһаң – һуҡ, тик, зинһар, һөйләп бөткәнде көт… Атаһының директор вазифаһынан бушатылғас, аҙна-ун көн тирәһе бошоноп йөрөгәне иҫендә уның. Шулай ҙа Илдарҙың ҡартҡа һуғыу, йәки төкөрөү түгел, ауыр һүҙ ҙә әйткеһе килмәне. Ә тегеһе һөйләүен дауам итте: – Беләһеңме, атайыңды ни өсөн эштән сығарҙым? Һис сәбәпһеҙгә! Бының өсөн бәләкәй генә ғәйеп тә етә ул. Юҡ икән, уны уйлап сығарыуы ҡыйын түгел. Ә атайың ниңә оҡшаманы тиһеңме? Халыҡ араһында абруйы ҙур булғаны өсөн. Үҙ эшенең оҫтаһы ине бит ул. Мөһабәт кәүҙәһе сығырымдан сығарҙы. Уның янында үҙемде бөркөт янында осоп йөрөгән ҡарға һымаҡ тоя инем… – Улин һөйләүенән туҡтап, йәнә стаканға араҡы ҡойҙо. Егеткә “эс” тигәнде аңлатып эйәк ҡаҡты ла үҙ өлөшөн бөтөргәнсе күтәрҙе. Унан йөҙөн йыйырып, бер киҫәк помидорҙы оҙаҡ итеп еҫкәне лә ҡабып ҡуйҙы. – Власть ул, ҡустым, шундай нәмә, ҡайһы берәүҙәр унда барып ултыра ла, үҙен иң аҡыллы, иң тәжрибәле кеше итеп тоя башлай. Мин дә шундайҙар иҫәбендә инем. Ысын. Кабинет алдында һәр ваҡыт сират була, миңә һәр ваҡыт кешеләр нимәлер һорап мөрәжәғәт итә. Бөтәһенә лә кәрәкмен, минһеҙ йәшәй алмаҫтар һымаҡ ине… Бына шулай үҙемде донъя тотҡаһы тип хис иткәндә, һеҙҙең ауыл халҡының атайыңдың ғына ауыҙына ҡарап тороуы, әлбиттә, миңә оҡшаманы… Хәйер, уның аҡылына күптәр көнләште… – Ҡарт бер аҙ тын торҙо ла, көлөмһөрәп һүҙен дауам итте. – Ҡыҙыҡ бит ул донъя: хәҙер ул урында башҡа берәү ултыра – ә унда һаман да сират! Ә мине бөтөнләй оноттолар… Берәүгә лә кәрәкмәгән булып сыҡтым. Бына шулай, ҡустым, баҡһаң, кеше бар нәмәгә хужа була ала, тик ваҡытты ғына үҙеңә буйһондороу мөмкин түгел. Ул яма-а-а-н. Нисек кенә бейектә ултырма, һине барыбер төбөң-тамырың менән йолҡоп алып ташлаясаҡ. Бына бөгөн мине элекке власть вәкиле тип кем әйтһен? Хатта туғандарыма ла кәрәгем ҡалманы. - Ә ҡатынығыҙ ҡайҙа? – тип һорап ҡуйҙы бер ни өндәшмәй генә тыңлап ултырған Илдар. - Уның яҡты донъя менән хушлашҡанына ун йыл тулып килә инде. Йөрәк менән китте. Әллә кешеләрҙе мыҫҡыл итеүемә түҙә алманы, әллә шул бәндәләрҙең ҡарғышы төштө… – Улин ҡапыл уң ҡулы менән йөҙөн ҡаплап тын алды. Бер ни тиклем шул ҡиәфәттә ултырғас, аҡрын ғына башын күтәреп, күҙҙәрен ҡаршылағы стенаға төбәне. Унда, китап шкафы өҫтөндә, мөләйем генә бер ҡатындың фотоһүрәте эленеп тора ине. Ҡарт, ауыҙы эсенән ғәфү үтенгәндәй нимәлер мығырланы ла, йәнә тәмәкеһен тоҡандырҙы. Бер-ике тапҡыр һурғайны, туҡтай алмай йүткерергә кереште. “Бының һаулығы ла бик мөшкөл күренә”, – тип уйлап алды Илдар. Шул ваҡыт егеттең телефоны шылтыраны. Ҡатыны икән. - Ҡатыным мине юғалтҡан, ҡайтырға кәрәк. Атайыма ниндәйҙер үтенесегеҙ бар ине, шикелле… Ҡарт, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тиҙ генә шешәнең төбөндәге араҡыны стаканына бөткәнсе ҡойоп күтәрҙе лә, еңе менән танауын ҡаплап бер аҙ тын алмай торғандан һуң, ашығыңҡырап һөйләргә тотондо: - Миңә йәшәргә күп ҡалмағандыр. Ҡырҡ төрлө ауырыу тәнемдә, Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәшәгем дә килмәй… Тик ни өсөндөр Аллаһы Тәғәлә мине үҙ янына ҡабул итергә ашыҡмаған һымаҡ – үлеп булмай ҙа ҡуя… Уйлана торғас, шуны аңланым: гонаһтарым үтә күп булғанға шулай яфалайҙыр. Етмәһә, һуңғы ваҡыттарҙа минең тарафтан нахаҡҡа йәберләнгән, мыҫҡыл ителгән кешеләр йыш төшөмә инә... – Улиндың тауышы ҡалтыраны. Ул дерелдәгән бармаҡтары менән ашыға-ашыға һүнгән тәмәкеһен ҡабат тоҡандырҙы. – Беләһеңме, шуларҙың һәр береһе ғәфү итһә, ер мине үҙ ҡуйынына алыр һымаҡ… Ҡарт ҡапыл Илдарҙың алдына килеп тубыҡланып баҫты ла, ике ҡулы менән уның еңдәренән тотоп, күҙҙәренә туп-тура ҡараны: - Илдар ҡусты, атайыңдан мине кисереүен һора, зинһар өсөн. Егет ни ҡылырға белмәй артҡараҡ сигенде лә: - Үҙегеҙ барып күрһәгеҙ, яҡшыраҡ булмаҫмы? – тине. – Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшһәгеҙ, тиҙерәк аңлашыр инегеҙ… - Юҡ, юҡ, мин уның күҙенә күренергә ҡурҡам! Ысын. Йөрәгем бәләкәй минең… Илдар атаһына уның һүҙҙәрен еткерәсәге хаҡында әйтеп, ҡартҡа аяғына баҫырға ярҙам итте лә, был йорттан сығып китергә ашыҡты. … Әлеге һөйләшеүҙән һуң бер йыл самаһы ваҡыт үткәндер. Ноябрь айының баштары ине булһа кәрәк. Бөтә донъяны ап-аҡ төҫкә күмеп, тәүге ҡар яуған мәл. Илдар, ошо матурлыҡҡа һоҡланып, урам буйлап атлай. Кәйефе күтәренке – айҙан ашыу инде яңы фатирында йәшәй. Шул ваҡыт ҡаршылағы тыҡырыҡтан яй ғына бер йөк машинаһы килеп сыҡты. Кузовҡа кешеләр тейәлгән, кабина янына ҡара таҫмалар уралған йәшел веноктар һөйәтеп ҡуйылған. Уның артынса тағы ла бер нисә еңел машина килә. Кемделер һуңғы юлға оҙаталар, ахыры, тип уйланы Илдар һәм ҡаршыға килгән ике ҡыҙҙан: - Белмәйһегеҙме, кемде ерләйҙәр икән? – тип һораны. Ҡыҙҙар өндәшмәне. - Сергей Улинды, – тине кемдер арттан. Илдар әйләнеп ҡараны. Унда иҫке генә пальто кейгән, дебет шәл ябынған бер әбей баҫып тора ине. “Ниһайәт, Ер әсә был гонаһлы йәнде лә үҙ ҡуйынына ҡабул итергә риза булған икән” тип уйланы Илдар. Аҡ ҡар өҫтөндә бысраҡ эҙҙәрен ҡалдырып, яй ғына теҙелешеп барған машиналар урам осона етеп, һул яҡҡа боролдо ла күҙҙән юғалды. … Ергә эре ҡар бөртөктәре тәгәрне. Тора-бара тирә-яҡ аҡ юрған менән ҡапланды. Машина эҙҙәре лә юҡҡа сыҡты. Әйтерһең, ул юлдан берәү ҙә үтмәгән… Наил ЮЛДАШБАЕВ. ФОТО: bloknot.ru Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Был турала Башҡортостан Экология министрлығының дәүләт аналитика контроле идаралығынан хәбәр итәләр, тип яҙа БАШНЬЮС. Анализдар йылға һыуындағы органик ҡушылмаларҙың һәм кислородтың нормала булыуын күрһәткән. Благовещен районы Иҙәк йылғаһында балыҡ үлеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Айбулат Сисанбаев. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
«Сәләмәт ауыл – 2020» район конкурсының еңеүселәре билдәле булды. Быйыл физик һәм рухи сәләмәтлек ярышында 12 ауыл ҡатнашты. «Сәләмәт ауыл – 2020» район конкурсының еңеүселәре билдәле булды. Быйыл физик һәм рухи сәләмәтлек ярышында 12 ауыл ҡатнашты. Район хакимиәте, ҡоролтай һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тарафынан ойошторолған, йылдан-йыл популярлыҡ яулай барған конкурс үҙенең юбилейлы, бишенсе миҙгелен тамамланы һәм ошо арауыҡта Әбйәлил халҡын уятҡан, әүҙемләштергән, райондың социаль тормошонда әһәмиәтле, кәрәкле сара булыуын раҫланы. Әбйәлил халҡы күтәрелеүгә бик еңел. Сәм, ғәм һәм дәрт — ҡаныбыҙҙа. Бары бер аҙ этәргес көс кенә кәрәк. Беҙҙең район ерлегендә яралған «Сәләмәт ауыл» конкурсы менән дә шулай булды. Ойоштороусыларҙың бәйгегә ылыҡтырғыс көскә эйә ҡеүәтле башланғыс биреүе етте. Артабан «Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!» — тип теләк белдергән ауылдар халҡы үҙҙәре үк конкурстың традицияға әйләнеүенә булышлыҡ итте. «Шуны йәки быны үткәрһәк нисек булыр икән?» — тигән яңы, яҡшы тәҡдимдәр ойоштороусылар тарафынан фәҡәт хуплау тапты, улар шул ауылда ғына тормошҡа ашырылып ҡалманы, иң уңышлылары башҡа урындарҙа ла күтәреп алынды, конкурс сиктәрендә үткәрелгән саралар планына индерелде. Ғөмүмән, биш йылда «Сәләмәт ауыл» конкурсы шарттары халыҡтан сыҡҡан идея-теләктәр менән байытылып, камиллаштырылып, башҡа төбәктәргә үрнәк булырҙай тотороҡло һәм сәләмәт ауыл-ара ярышҡа әйләнде. Еңеүселәрҙе спорт ҡорамалдары менән бүләкләү ҙә бәйгенең яҡшы дәртләндергес һөҙөмтәләренең береһе булып тора. Ошоғаса уларҙы һатып алыуға район аҡса бүлһә, ағымдағы йылда быға өҫтәп «Сәләмәт ауыл» проектының грантҡа лайыҡ булыуы бәйгеселәргә ҙур бүләктәр яһауға булышлыҡ итте. Ә бәйге йылдағыса Яңы йыл каникулдарынан уҡ дөргөн башланғыс алды. Урындарҙа йәмәғәт активистары, ауылдаштарын йәлеп итеп, бик күп эштәр башҡарҙы. Айырыуса йылдың башы, пандемияға тиклемге өс ай, ваҡиғаларға уғата бай, уңышлы булды. Ғинуар-март айҙарында һәр ауылда тиерлек саф һауала ололар һәм балалар ҡатнашлығында ҡышҡы уйындар, ярыштар ойошторолдо. Хәмит, Салауат, Иҫке Балапан, Бикҡол ауылдарында район һәм төбәк саңғы ярыштары уҙҙы. Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы арҡаһында яҙ-йәй миҙгелдәрендә «Сәләмәт ауыл» конкурсы бер аҙ һүрелеп китһә лә, бөтөнләй һүнергә ирек ҡуйманылар: онлайн саралар, күршеләр, урамдар араһында һәм шәхси беренселеккә бәйгеләр ауыл халҡын һәр ваҡыт тонуста тотто. Көҙгә ҡарай һаҡланыу сараларын күҙәтеп, асыҡ һауала саралар үткәрергә рөхсәт бирелгәс, йәнә лә әүҙемлек көсәйҙе. Сентябрҙә үткән Бөтә Рәсәй милләттәр кросында «сәләмәт ауылдар» актив ҡатнашты. ГТО нормативтарын тапшырыу ярышы ҙур спорт байрамына әйләнде. «Сәләмәт ауыл» конкурсы киң халыҡ массаһын йәлеп иткән спорт сараларынан, ярыштарҙан ғына тормай. Ауылды сәләмәтләндереү йәһәтенән бер юлы башҡа күп мөһим эштәр ҙә алып барыла һәм шул критерийҙар үтәлеше йыллыҡ йомғаҡта иҫәпкә алына. Шуларҙың береһе — демографик күрһәткес. 2020 йылда конкурста ҡатнашыусы ауылдар араһында иң күп тыуым Дәүләттә булған, бында 7 бала донъяға килгән, Ишҡолда һәм Хәмиттә 5-әр бала тыуған. Һәр ауылда тиерлек туйҙар гөрләгән. Иҫке Балапан, Һәйетҡол, Таҡһыр, Бикҡол, Ишбулды, Хәмит ауылдарында никах тарҡалыу осраҡтары теркәлмәгән. Иҫке Балапан, Һәйетҡол, Һамар, Салауат, Ишбулды, Хәмит ауылдарында иҫәптә торған балалар һәм өлкәндәр юҡ. Ғаилә низағтары буйынса Бикҡол, Иҫке Балапан, Салауат ауылдарынан административ комиссияла ҡаралыусылар булмаған. Төп күрһәткестәрҙең береһе булып ГТО нормативтарын үтәү тора. Ярышта 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 54-е алтын һәм көмөш билдәләргә лайыҡ булған. Ишбулды, Бикҡол, Дәүләт, Салауат, Һәйетҡол ауылдары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Ишбулды ауылы уҙаманы Рәүеф Шөғүров 70 йәштән өлкәндәр категорияһында ГТО-ның көмөш билдәһенә лайыҡ булған. Конкурс сиктәрендә башҡарылған йыллыҡ эштәрҙе сағылдырған альбомдар араһында бикҡолдар, әбдрәштәр, ишҡолдар һәм атауҙылар уны йөкмәткеле итеп төҙөүҙәре һәм ижади ҡараш йәһәтенән айырылған. «Сәләмәт ауыл» конкурсын йомғаҡлау һәм бүләкләү сараһына йылдағыса бөтә активистарҙы ла йыйманылар. Һәр ауылдан ҡатнашҡан делегациялар ауылдаштарына ҡотлаусыларҙың теләктәрен еткергәндер, моғайын. Ә тәбрикләүҙәр, ысынлап та, йылы, тос булды. Район башлығы И. Т. Нафиҡов «Сәләмәт ауыл»дың ойоштороусыларына — социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Р. Б. Фәттәховҡа, ҡоролтай рәйесе В. Ә. Илһамовҡа, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Л. К. Сәғәҙиеваға һәм конкурсты йәшәткән, йәшнәткән ауылдар халҡына рәхмәт белдерҙе, Әбйәлилдә нигеҙ һалынған яңы традицияның оҙон ғүмерле булыуын теләне. — Конкурстың әһәмиәте ҙур: ул социаль күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға, эскелеккә, бүтән насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәшкә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, ауылдарҙа сәләмәт мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Грантҡа лайыҡ булыу ҙа социаль әһәмиәтлелеген дәлилләй. Ә грант проектын яҙыу, уның отчеттарын башҡарыу ҙур мәшәҡәтле эш. Һеҙ быны атҡарып сыға алдығыҙ», — тип ҙурланы Илдар Таһир улы. Шулай итеп, грант саралары менән бергә район ҡаҙнаһынан бүленгән финанслауҙан дөйөм бүләк фонды 300 мең һум тәшкил иткән. Быға 50 пар саңғы, ике теннис өҫтәле, йүгереү өсөн тренажер, бокс менән шөғөлләнеү өсөн алты йыйылмаһы, скандинав таяҡтары, волейбол, футбол, баскетбол туптары һатып алынған. Конкурста ҡатнашҡан һәр ауылға бүләктәр мул төштө. Һәйетҡолдар «Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа әүҙем һәм ижади эшмәкәрлек», таҡһырҙар «Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ысулдарының күп төрлөлөгө», әбдрәштәр «Сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә һалған ҙур тырышлыҡ», ишҡолдар «Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡулланыу буйынса иң яҡшы тәжрибә», һамарҙар һәм атауҙылар «Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа тырышлыҡ» номинацияларында бүләкләнде. Призерҙар ике төркөмдә билдәләнде. Халҡы һаны 500-гә тиклем булған бәләкәй ауылдар араһында Иҫке Балапан ауылы еңеүсе булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙы салауаттар һәм бикҡолдар бүлеште. Ҙур ауылдар араһында Ишбулды ауылы беренсе урын яуланы, икенсе урынға — дәүләттәр, өсөнсөгә хәмиттәр сыҡты. «Сәләмәт ауыл» конкурсы тамамланһа ла, был ауылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүеше артабан да дауам итәсәк. Урындарҙа һәр сараны башлап йөрөүселәр район конкурсын уҙғарыуға индергән тос өлөштәре өсөн район хакимиәте, ҡоролтай һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Улар — Гөлсөм Аҫылғужина (Ишҡол), Рушан Әхмәтйәнов (Салауат), Илнар Тимерйәнов (Бикҡол), Ғәбдинур Йосопов (Иҫке Балапан), Гүзәл Камалова (Һәйетҡол), Азат Ғиләжев (Һамар), Рәмилә Кәримова (Таҡһыр), Рәмилә Нуритдинова (Хәмит), Айрат Хәлисов (Ишбулды), Римма Замалитдинова (Атауҙы), Нәзифә Солтанова (Дәүләт), Айбулат Сабитов (Әбдрәш). Йыл һайын «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә ГТО тапшырыу ярыштарын үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән ДЮСШ хеҙмәткәре Әлфирә Усмановаға ла почет грамотаһы бирелде. Конкурсҡа үҙҙәренең әүҙем гражданлыҡ позицияһы, тынғыһыҙ булмыштары менән йән өргән, йәм өҫтәгән активистар рәхмәт хаты менән билдәләнде. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Кисә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына арналған фәнни-методик семинар үтте. Кисә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт әҙәби теленең 100 йыллығына арналған фәнни-методик семинар үтте. Уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Терминология комиссияһы рәйесе, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова, уҡытыусылар, магистранттар, студенттар ҡатнашты. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Салауат Сәғитов сараны асып башҡорт әҙәби теленең оло юбилейының мәртәбәле ваҡиға булыуын билдәләне, әммә башҡорт теленең әҙәби телдән генә тормауын, уның бик күп диалекттары булыуын, һәм ошо диалекттарҙа һөйләшкәндәрҙең барыһы ла башҡорт булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Семинар барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Еңеүселәрҙе ҡотлап Эльвира Айытҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының журналистар менән тығыҙ эшләүен әйтеп китте. «Яңыраҡ ҡына беҙ республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында милли матбуғатта эшләгән журналистар менән Медиафорум үткәрҙек. Унда бик мөһим һорауҙар күтәрелде, улар барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип ышанабыҙ. Әле тапшырыласаҡ гранттар ҙа интернет селтәрендә башҡорт телен таратыусы журналистар һәм блогерҙар өсөн булдырылды. Беҙҙең телебеҙ бай, ул бар ерҙә булырға тейеш. Тағы ла шуны әйтеп китергә кәрәк, хәҙер беренсе класҡа балалар ҡабул итеү өсөн ғаризалар йыйыу башланды. Ата-әсәләр туған тел булараҡ башҡорт телен һайлау хоҡуғы тураһында онотмаһындар, сөнки беҙҙең телебеҙ беҙгә кәрәк», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Шулай итеп, апрель айы өсөн грант отоусылар: Халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы ҡурай хаҡында «САПТАР» видеомонологтары проекты авторы Юлай Ҡасимов; БСТ каналында көн дә эфирға сығыусы «Бәхетнамә» проекты, уның авторы Гөлназ Яҡупова; Instagram һәм Tik-Tokта «БашКовер» сәхифәһе авторы Гөлназ Хәфизова; Бәйләнештә селтәрендә «Хикәйәләр» төркөмө авторы Дилбәр Шәрипова; Бәйләнештә селтәрендә «Илһамиәт» проекты авторы Айгөл Арыҫланбәкова. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм тағы ла киләсәктә ҙур уңыштар юлдаш булһын! Мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Башҡортостан уҡытыусыһы" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Теркәү тураһындағы ПИ ФС 77‑70646‑сы таныҡлыҡ 2017 йылдың 15 авгусында Элемтә, информацион технологиялар һәм киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы тарафынан бирелде. Ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик айлыҡ журнал Общественно-педагогический и научно-методический ежемесячный журнал. Издается с 1920 года. Главный редактор: Каримов С.Г.
Башҡортостанда 24 март — Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө алдынан халыҡ өсөн бушлай тикшереү ойошторола. 21-24 мартта, планға ярашлы, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙың барлыҡ бүлексәләрендә һәм филиалдарында теләгән һәр кем туберкулезға тикшереү үтә ала, мәғлүмәт һылтанма буйынса. Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерҙа ҡыҙыу элемтә ойошторола: 8 (347) 228-45-14 һәм 8-917-790-04-14. Туберкулезға ҡаршы ярҙам күрһәтеүгә бәйле бөтә һорауҙар менән ошо телефон һандарына шылтыратырға мөмкин. Флюорография ҡулайламаһы түбәндәге ҡалаларҙа эшләй: 21-22 мартта Стәрлетамаҡта иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем: Островский урамы, 2 (санитар автотранспорт гаражы). 23-24 мартта Сибайҙа иртәнге 9-ҙан 4-кә ҡәҙәр: Зәки Вәлиди урамы, 42 («Аструм» сауҙа үҙәге). 24 мартта Өфөлә иртәнге 9-ҙан 1-гә тиклем: Цюрупа урамы, 97 (Үҙәк баҙар), Ҡулса урамы, 65 (Колхоз баҙары). http://www.bashinform.ru/news/1287567-zhiteli-bashkirii-mogut-besplatno-proyti-flyuorografiyu/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Мәғлүм булыуынса, 5 декабрҙән ял көндәрендә “Урал легендаһы” туристик электр поезы йөрөй башлай. Ул Өфө – Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса хәрәкәт итә. Поезд иртән 07.06 сәғәттә ҡуҙғала. Дим, Өршәк, 102-се саҡрым (“Асы” шифаханаһы), Инйәр, Айғыр, Белорет станциялары аша үтеп, Яңы Абҙаҡҡа 13.07 сәғәткә килеп етә. Яңы Абҙаҡтан Өфөгә 23.17 сәғәттә ҡуҙғала. Бер яҡҡа юл хаҡы - 686 һум 40 тин, ә көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар өсөн 50 процент ташлама ҡаралған. Бынан тыш, “Урал легендаһы” ҡала-яны поезына билетты күрһәтеп, Яңы Абҙаҡ вокзалынан “Абҙаҡ” тау саңғыһы комплексына бушлай барырға һәм кире вокзалға тиклем килергә мөмкин. Белорет районында ике ҙур тау саңғыһы комплексы эшләй – “Морат” һәм “Абҙаҡ”. Ҡыш әүҙем ял итергә яратҡандар был яҡҡа күпләп ағыла. Республика етәкселеге ҡарары менән, туристарға уңайлы булһын өсөн һәм был төбәктә туризмды үҫтереү маҡсатында, “Урал легендаһы” туристик кластеры үҫтерелә. Уны бойомға ашырыу барышында, 2017 йылдың ноябрендә “Урал легендаһы” поезы йөрөй башланы. Фото: tv.rbsmi.ru Автор: Рәмилә Мусина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов социаль селтәргә дөрөҫлөктө күрһәткән фотолар һалған. Бомба һөжүменән һаҡланыу урындары ниндәй хәлдә? "Бәйләнештә" селтәрендә етәксе былай тип яҙған: "Һаҡланыу ҡоролмаларының хәл-торошон ҡараным. Дөйөм алғанда, был юҫыҡта эш алып барыла, объекттар, ҡорамалдар тейешенсә һаҡлана. Ҡайҙалыр ремонт та кәрәк. Шулай уҡ бомбанан йәшенеү урындарының әҙерлеген тикшерҙем. Төп талаптар: ҡоро иҙән, яҡтылыҡ, иркен үтеү юлдары. Бәләкәй етешһеҙлектәр ҙә күренде, уларҙы бөтөрәсәкбеҙ". Билдәле булыуынса, хәүеф була ҡалһа, эвакуация тураһында хәбәрҙе халыҡҡа торлаҡ-эксплуатация ойошмаларынан, йорт старосталары аша хәбәр итәсәктәр.
Ғаиләһе лә матур ғына күренә ине. Ҡатыны Дилә менән йорт алдында һөйләшеп ултырырға тура килгеләне. Ирен яманлағанын ишетмәнем. Үҙҙәренең үҫеп еткән ике ҡыҙҙары бар.Беренсе ҡыҙы юлдан яҙған, һыра-тәмәке менән мауыға, ирһеҙ бала тапҡан, тиҙәр. Ейәнсәрен Дилә опекаға алып, эшкинмәгән ҡыҙын ҡыуып сығарған икән. Икенсе ҡыҙы официант булып эшләй, шулай уҡ холҡон маҡтамайҙар. Күршем Закир менән булған һәм мине бик тетрәндергән хәл тураһында яҙмаҡсы булдым, ҡәҙерле уҡыусылар. Кемдер фәһем алыр, бәлки. Дөрөҫөн әйткәндә, элек урамда хәйерсе хәлендә йөрөгән әҙәмдәрҙе күрһәм, сирҡана инем, үҙҙәре ғәйепле, эсмәһендәр, тип хәйер ҙә бирмәй үтеп китә инем. Күрше ирҙе шундай хәлдә осратҡас, проблемаһына инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Быға тиклем геройымдың тормошон ситтән генә белә инем: улар күрше подъезда йәшәне. Аҙаҡ яҡынданыраҡ танышырға тура килде. Закир ҡайынһеңлем менән бер төҙөлөш ойош­маһында эшләне. Яҡшы хеҙмәткәр ине, иҫерек сағын күрмәнем, ти туғаным. Бергә уларҙың бригадаһы Тамбовта командировкала ла булған – унда ла Закир эсеп-боҙолоп йөрөмәгән. Ғүмер буйы бер урында тракторсы булып эшләгән. Ғаиләһе лә матур ғына күренә ине. Ҡатыны Дилә менән йорт алдында һөйләшеп ултырырға тура килгеләне. Ирен яманлағанын ишетмәнем. Үҙҙәренең үҫеп еткән ике ҡыҙҙары бар.Беренсе ҡыҙы юлдан яҙған, һыра-тәмәке менән мауыға, ирһеҙ бала тапҡан, тиҙәр. Ейәнсәрен Дилә опекаға алып, эшкинмәгән ҡыҙын ҡыуып сығарған икән. Икенсе ҡыҙы официант булып эшләй, шулай уҡ холҡон маҡтамайҙар.Бер яҙ Закирға инсульт булып (элегерәк эштә аварияла мейеһе ҡуҙғалған), дауахананан сыҡҡас, ике таяҡҡа таянып йөрөнө. Инвалидлыҡ алыр өсөн документтар йыйыуы тураһында әйткәнен саҡ-саҡ аңланым – теле лә зәғифләнгән…Һалҡын көҙҙә магазиндан ҡайтып килгәндә, тағы ла күршене осраттым, йәйге кейемдә, төҫө-башы берәҙәктәрҙекенә оҡшап тора ине. Бындай ҡәтғи үҙгәрешкә аптырап киттем.– Ни булды һиңә, ниңә еңел кейендең, һалҡын тейә бит? – тип һорайым. Көрмәлгән теле менән, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып, һөйләп бирҙе:– Апай, миңә хәҙер иҫәнлек кәрәкмәй, торор урыным ер аҫтында ғына. Дауахананан ҡайтҡас, ҡатыным “сикүшкә” алып ҡайтҡыланы. Аптыраным был ҡылығына, ауырыу башыма күп кәрәкмәй бит инде. Аҙаҡ уның мәкерле планын аңланым. Тик һуң ине, тиремде түгеп эшләп алған фатирымдан баш тартыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙыртҡан. Бөтә кейемдәремде, инвалидлыҡты рәсмиләштереү ҡағыҙҙарын (бер генә табиптың ҡултамғаһы етмәй ине), хеҙмәт кенәгәһен һәм башҡа документтарымды сүплеккә ырғытҡан. Ҡул ҡуйҙыртҡанда ҡатыным: “Был көндәрҙә социаль хеҙмәттән килергә тейештәр, һине эскән көйө күрһәләр, ейәнсәрҙе тартып алыуҙары ихтимал. Шуға күрә һин бында йәшәмәйһең, тиербеҙ, мин һиңә торлаҡ алып биргәнсе, бында тороп торорһоң”. Ләкин икенсе көндә үк мине һөйәренең машинаһына ултыртып, йорт идаралығына прописканан төшөрөргә алып барҙылар, һуңынан өйҙән дә ҡыуҙылар.Башта машинала йоҡлап йөрөнөм, Дилә минән ышаныс ҡағыҙына ла ҡул ҡуйҙыртҡан икән, уны һатҡас, бөтөнләй урынһыҙ ҡалдым (мин дә аптырап күҙәтә инем, нисә сыҡһам да, ул машинаһы янында, эскәмйәлә ултыра ине. – Автор). Унан һуң үҙебеҙҙең подъездың сарлағында ҡунып йөрөнөм, ләкин уны ла слесарь саҡыртып бикләнеләр. Әле дүртенсе һәм бишенсе ҡат араһындағы майҙансыҡта урынлаштым, үҙебеҙҙең фатир янында. Дилә лә, балаларым да мине өйгә индермәй. Туғыҙ йәшлек ейәнсәремде ныҡ яратам, урамда осрағанда ҡосаҡларға ынтылһам, ҡаса, – тине Закир.Әйткәндәй, мин ул ҡыҙҙан бер һораған инем: ”Ниңә олатайыңды өйгә индермәйһегеҙ, йәл түгел­ме?” – тип. “Фу, ул һаҫыҡ”, – тип яуап бирҙе. Инсульттан һуң шулай булыуы бик мөмкин, ауырыуға тәрбиә, хәстәрлек кәрәк бит. Шулай итеп, 51 генә йәштәге ир, ҡаты ауырыуға дусар булыу сәбәпле, күҙ менән ҡаш араһында асарбаҡҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Һөйәр – өйҙә, ир – тупһала… Шуны әйтеп үтеү кәрәк: бер нисә йыл элек, Дилә башҡа йәр тапҡас, Закир менән рәсми айырылыш­ҡандар икән. Ҡатын торлаҡты бүлмәгән, тотош үҙенә ҡалдырыу өсөн уңайлы ваҡыт көткән. Бер осрашҡанда унан “Аллаһтан ҡурҡмайһыңмы?” тип һорағас , ул “Аллаһ миңә ярҙам итте”, – тине. Мин: “Һинеңсә, уға килгән ҡаты ауырыу Аллаһтың ярҙамы буламы?” – тип ҡаршы төштөм. Дилә: “Миңә ул бер кем дә түгел, айырылғанбыҙ. Ҡыҫылып йөрөмә, әгәр кәрәк икән, өйөңә алып ҡайт та ҡара”, – тип йылан кеүек ыҫылдап ҡалды.Шулай, балаларының атаһын әҙәмгә һанамағас, шап-шаҡтай сәләмәт, сибәр ҡатындың ғифрит кеүек һөйәре был йортҡа килеп йөрөй башлай, икеһе лә бер ойошмала эшләй. Ир ҡунырға ҡалғанда, өй хужаһы ишек төбөндә йоҡлаған. Закирға был осраҡта ни эшләргә һуң? Эсеп, онотолорға тырышҡан ваҡыт­тары ла булған. Ундай саҡтарҙа ишекте ҡағып та, ҡатыны асмағас, өмөтһөҙҙән подъезда йоҡлағанын күршеләре һөйләй. Хәҙер килеп, Дилә һөйәрен һөсләтәлер инде – теге ғифрит Закирҙы коридорҙа күрһә, елкәһенән тотоп ҡына быраҡтыра, хәйер, ауырыу иргә ҡайһы сәләмәттең көсө етмәҫ?!Ҡатынын Закир әле лә ярата, һүҙ тейҙермәй, барыһында ла үҙен генә ғәйепләй. Тик шуныһы: ҡатыны быға саҡлы аҡса алып ҡайтҡан ирҙән файҙаланған ғына, ә ул инвалид хәлендә ҡалғас, урамға сығарып ташлаған. Кешеләр бесәй менән дә улай ҡыланмай.Элекке күршеләре әйтеүенсә, Дилә менән Закир күп йылдар һәйбәт йәшәгән, ир эсмәгән, эшсән булған. Ҡулы алтын – баҡсала өй төҙөгән, торла­ғында яҡшы ремонт эшләгән, балконын башҡаларҙан айырылып торорлоҡ итеп көпләгән.Закир күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуған. Аңлауымса, уны апайҙары ҡыҙҙарса, йомшаҡ итеп тәрбиәләгән. Төҫкә һинд егете кеүек сибәр, ҡара ғына, гел йылмайып йөрөй, кешегә ҡул күтәреү түгел, ҡаты һүҙ ҙә әйтә белмәй. Ғаиләлә барыһы ла ипле, тыйнаҡ, тауыш сығармай, эш менән мауығып йәшәгәндәр.Ҡатын лидер булһа, үҙен яҡлап өйрәнмәгән ирҙә кәмселектәр тойғоһо тамыр ала шул. Мәҡәл бар бит: уҫал булһаң – аҫалар, йыуаш булһаң – баҫалар, шуға алтын урталыҡ кәрәк. Тик барыһы ла уртаса булып бөтә алмай шул. Күбебеҙ ирҙе ир итә белмәй… Был ғаиләне яҡшы белгән ханым: “Бәғзеләр юҡ ҡына ирҙе лә ир итеп тора, ә ул бына тигәнен хур итте”, – тигәйне. Ажарланып торған, агрессив ҡылыҡлы, эскән ирҙе күрмәгән шул Дилә. Ундай­ҙарҙан ҡатын балаларын алып, үҙе сығып ҡаса йәки ире туҡмап ҡыуып сығара. Ә был зыянһыҙ бәндә ни ҡушһаң, шуны эшләй, барына ла риза. Кешеләрсә булһын ине Дилә, моғайын, үҙенең киләсәген уйламай торғандыр. Ике ҡыҙы ла (береһе тура юлдан тайпылған инде) унан үрнәк ала түгелме? Ваҡыты еткәс, фатирға дәғүә белдерә башлаһалар, үҙен дә ҡыуып сығармаҫтар тип кем ышандыра ала? Әсәнән күргән – тун бескән, тип юҡҡа әйтмәйҙәр халҡыбыҙҙа.Ишек алдында урам бесәйҙәрен ҡарап йөрөгән таныш ханым бар. Уның ике ҡулына бер эш – урам хайуандарын ашата. Пенсия аҡсаһына шул мәхлүктәргә колбаса, ит, бесәйҙәр өсөн сығарылған махсус ризыҡтар ташый. Бер генә бесәйе килмәһә лә, эҙләргә тотона. Ирекһеҙҙән кешеләр менән бесәйҙәр дәрәжәһен сағыштырып ҡуйҙым. Бөгөн Закирҙа бесәй кимәле лә юҡ! Ҡатыны Диләне лә бит бәндә исемен күтәреп йөрөгән ата-әсә тәрбиәләгән. Мәрхәмәтлерәк булһаҡ ине бер-беребеҙгә, кешеләр, тип оран һалғым килде шул саҡта.Был хәл мине тетрәндерҙе, йоҡом ҡасты. Бигерәк тә башыма һыймағаны – нисек был ғаилә ағзалары баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡта эт шикелле бөгәрләнеп ятҡан ирҙе, атайҙы, олатайҙы ашатлап үтеп, йылы өйҙәрендә ашап-эсеп, тыныс ятып йоҡлайҙар һәм иртән эргәһенән төшөп уҡырға, эшкә сығып китәләр икән? Закир, әлбиттә, башҡа подъезда ла урынлашыр ине, әммә уның өсөн яратҡан ғаиләһен үткән-һүткәндә булһа ла күреп ҡалыу мөһим. Бер нисә тапҡыр уның ҡаршы йорттоң стенаһына терәлеп, үҙ фатирының тәҙрәләренән күҙен дә алмай ҡарап торғанын күрҙем. Уйҙарын да төшөнәм: элекке тормошон хәтерләп, күҙ алдына килтереп торалыр, кем нимә эшләгәнен белергә тырышалыр…Меҫкен ир барыбер үҙ подъезын ташламай. Участ­ковый менән һөйләштем: фекерҙәребеҙ уртаҡ икән, ул да күршемде йәлләй, ҡаты ҡағылмай. Закирҙың туғандары бар, ләкин улар ҙа ниңәлер яҡын кешеһенең яҙмышына битараф. Уларҙың һүҙе бер: документтарға үҙе ҡул ҡуйған – үҙе ғәйепле. Ҡайһы берәүҙәр, ниңә эскән, ауыҙына ҡоймаған­дарҙыр бит, ти. Инсульттан һуң кем сирлегә “сикүшкә” алып ҡайтып эсерә тимәйҙәр! Олуғ Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең: “Туғандарыңдан биҙһәң, нәҫелең ҡорор”, – тигән фәһемле һүҙҙәре бар бит, ҡайһы ваҡыт бәғзе берәүҙәр шуны онотоп ебәрә. Туғандар бер төптән булһа, йәшәү ҡотло була. Закирға улар ярҙам итһә, дауаханаға һалһа, аҙаҡ берәй эшкә урынлаштырһалар, ҡайһылай шәп булыр ине! Әйткәндәй, полицияла эшләгән яҡын туғаны ла битараф булып сыҡты. Теләһә, ул инвалид ағаһының иҫерек килеш документтарға ҡул ҡуйғанын иҫбатлай алыр ине… Туған-ырыу бәлә-ҡаза килгәндә бигерәк кәрәк тә инде ул. Йәшерәк булһам, үҙем йөрөр инем ғәҙеллек юллап, тип әсенеп тә ҡуям. Мәҫәлән, бер танышым бар. Закир һымаҡ инсульт кисергәйне. Хәҙер йорт идаралығында һин дә мин эшләп йөрөй, сөнки яҡын кешеләре унан баш тартманы, туғандары ситләтмәне. Дауаланып алғас, аяҡҡа баҫты ла китте. Ә күрше подъездағы ҡатын эскән ире менән айырылғас, уға фатир бүлеп бирҙе, әле ауырыу ирен көн дә барып ашатып, тәрбиәләп йөрөй. Тәүфиҡлы, иманлы кеше шулай эшләргә тейеш тә. Игелекле бәндәләр күп Закирҙың ашау яғын мин һәм уның ут күршеһе Маша хәстәрләне. Бер күршеһе Себерҙә эшләп ялға ҡайтҡанда, ә ҡайһы ваҡыт бергә эшләгән иптәштәре лә килеп, уны йәлләп, эсергә лә һалып биргеләгәндәр.Һыуыҡ төшкәс, күршеләрҙең береһе Закирға яңы, йылы спецовка – бушлат һәм баш кейеме бирҙе, мунсаға алып барҙы. Мин үҙем дә бер тапҡыр алып ҡайтып, ваннала йыуындырып, улдарымдың кейемдәрен кейҙерҙем, үҙенекен ташланыҡ – бетле ине. Инвалидлыҡ юллау ниәте менән поликлиникаға алып барғайным да… Дилә медицина картаһын да юҡҡа сығарған икән. “Без бумажки я – букашка”, – тигән һүҙ дөрөҫ бит инде. Закон буйынса, ғәрип кешене фатирҙан ҡыуып сығарырға ярамай, ә былай ҡағыҙһыҙ килеш Диләгә уңайлы.Яңы карта асып, үҙебеҙҙең терапевҡа керһәк, ул минең пациент түгел, неврологка барығыҙ, тип ишетергә лә теләмәне. Кире регистратураға барһаҡ, невролог йыл аҙағына саҡлы булмай, тинеләр. Шулай итеп, бер эш сығара алмай ҡайттыҡ. Минең әхирәттәрем (хажиәләр) невролог килгәс, табиптарға сиратлап барырбыҙ, бер үҙеңә ауыр булыр, тине. Участковыйға шылтыратып, хәлде аңлаттым. Ул Закирға яңы документтар эшләгәнсе, приютҡа урынлаштырырға кәңәш бирҙе.Шундай бер хәл иҫкә төштө. Ҡыштың бер үтә һалҡын кисендә (40 градус самаһы ине), “Закир үҙе лә, әйберҙәре лә подъезда юҡ”, тип Маша ҡото осоп килеп инде. Икебеҙҙә лә бер уй – ирҙе ҡайҙалыр олаҡтырғандар… Мин тиҙерәк апаһына шылтыраттым, ул Диләләргә барып хәлде асыҡланы. Баҡтиһәң, ҡатыны уны иртән тыуған ауылына оҙатҡан. Ҡустыһына шылтыратып, унда Закирҙың юҡлығын белдек. Хәүеф солғап алды, уйлашабыҙ: район үҙәгенә саҡлы дүрт сәғәтлек юл, унан һуңғы 75 саҡрым арала машиналар осрауы мөмкин әле, ә ҡалған 25-ендә машина юлы юҡ, саналы ат тап булыуы бар. Шуға өҫтәп, Закирҙың кейемен иҫәпкә алһаҡ (көҙгө ботинка, башында йоҡа башлыҡ), ул юлда туңғандыр, тигән уй килде. Ҡустыһы ат менән сығып, төн еткәс, өшөп туңа яҙған ағаһын саҡ эҙләп табып алып ҡайтып, беҙгә шылтыратты, йәнгә йылы керҙе. Беҙ тауыш ҡуптармаһаҡ, туңып үлә ине… Аҙаҡ әйтеп ҡарайым, һаман ҡатыныңа ышанаһың, ә ул һинән нисек тә булһа ҡотолорға ниәтләй тип, ә Закир мөлдөрәп ҡарап тик тора. Ҡатыны хәҙер үк ошо ҡойоға төш тиһә, ул әле лә төшөп батырға әҙер. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте яуһын! Бер ваҡыт күршем күренмәй башланы. Һорашам – бер кем белмәй. Дауаха­наларға шылтыраттым: урамда йығылып (башы әйләнеп йығыла ине, эсеп түгел), дауаханаға һалғандар. “Шәфҡәт туташтары ярҙамы” тигән бүлеккә эләккәнен белгәс, шатланып, йүгерә-йүгерә барҙым, сөнки унда бик тә аҡыллы, мәрхәмәтле баҡсалаш күршем Вера Кочкурова өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Хәлде һөйләп бирҙем. Вера менән унда эшләгән социаль хеҙмәткәр Регина Антонова Закирҙы кеше итер өсөн күп көс түкте. Мин дә йыш барып йөрөнөм, аҙ булһа ла ҡеүәтләп, ауырыуға терәк булдым.Закирҙы дауаханала алты ай тоттолар, шул арала паспортын Мәскәү аша яңынан эшләнеләр. Документ әҙерләгән арала приютҡа ла урынлаштырып алдылар, архивтан хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһен яңырттылар, инвалидлыҡ алыр өсөн төрлө табиптарға күрһәтеп, белешмә йыйҙылар. Һөҙөмтәлә, икенсе төркөм инвалидлыҡ биреп, эште теүәлләп ҡуйҙылар. Уларға Аллаһтың рәхмәте яуһын!Закир төҙөлөштә яҡшы эшләгән булып сыҡты – маҡтау ҡағыҙҙары ла бар, эш хаҡы ла арыу булған, шуға күрә пенсияһы күләме лә һәйбәт булды.Ошо мәшәҡәттәр менән бер йыл үтеп китте. 2014 йылдың октябрендә мәрхәмәт­ле кешеләр һәм дәүләт ойошмалары ярҙамында Закирҙы инвалидтар йортона урынлаштырырға насип булды. Ҡалала шундай бар нәмәнән дә мәхрүм ҡалған кешеләргә ярҙам иткән махсус учреждениелар бар икән, тик берәй туғанының йәки танышының хәстәре, юллауы кәрәк.Инвалидтар йортона Закирҙың Салауатта торған апаһы (үҙе лә сирләй) артынан йөрөп, илтеп урынлаштырҙы. Был эште ай ярым эсендә бер ниндәй мәшәҡәт яһамай, Асия Жерякова тигән Аллаһ бәндәһе (халыҡҡа комплекслы социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгендә бүлек мөдире) ойошторҙо. Асия Марат ҡыҙы әйтеүенсә, ай һайын урамдарҙағы асарбаҡтарҙы йыялар, тик ғариза яҙыуҙары ғына кәрәк, унан реабилитациялау юлын ҡарайҙар. Ләкин ҡайһы берәүҙәр ғаризанан баш тарта, йортһоҙ-төйәкһеҙ тормошҡа өйрәнеп китәләр, эсеүҙе лә ташлағылары килмәй, ти. Закир иһә үҙе теләп ғариза яҙҙы. Дауаханаға кергәне бирле, бына инде ике йылдан артыҡ, эсеү иҫенә лә төшмәй. Ә араҡы ҡолона әүерелгән кеше икенсерәк була, алтын-көмөш, батша һарайҙары бирһәләр ҙә, насар ғәҙәтен ташламай.Закирҙы урамда асарбаҡ булып йөрөүҙән, туңып үлеүҙән ҡотҡарҙыҡ-ҡотҡарыуын, ләкин Октябрьский ҡалаһындағы йылы, матур, заманса йыһаз­ландырылған урында йәшәһә лә, ул үҙ йортон һағына. Уға хәл белеп шылтыратһаң, беҙҙекеләр күренәме, тип һәр береһен айырым-айырым һорай. Ҡайтҡыһы килә. Һағынам, уларҙы йыраҡтан булһа ла күрер өсөн урамда йәшәргә лә риза булыр инем, тип ҡуя… Мин төрлөсә тынысландырған булам. Әле ул коляскала ятып ҡына торған Салауат ҡатынҡайы Зәлифәне саф һауаға сығарып йөрөтөп, уның менән һөйләшеп булһа ла йыуана. Башына бәйле лә проблемалар бар. Дауаханала, шәфҡәт туташтары һөйләүенсә, бер нисә мәртәбә коридорҙа башы әйләнеп йығылған, аяҡтарының да көсө юҡ. Әле йәшәгән урынында тәрбиә яҡшы, шуға күрә мин уның аңы дөрөҫләнер, төҙәлер һәм үҙенә тиң йәр табып, яңынан матурлап йәшәй башлар тип өмөтләнәм. Закирға ни бары 54 кенә йәш бит әле!Бына шундай яҙмыш. Иртәгә һинең менән ни булырын белеү мөмкин түгел. Кешеләрҙең күбеһе изгелек тураһында матур һөйләп тә, бәләгә тарыған кешегә энә осондай ҙа яҡшылыҡ эшләмәһә, унан ни фәтүә? Ҡаты бәғерле кешегә Аллаһ Тәғәләнең нурҙары үтеп инә алмай, тигәйне бер хәҙрәт. Шулайҙыр. Ундайҙар ғәйепте зыян күргән кешенең үҙенә һылтап, үҙ намыҫы алдында аҡлана. Бәғзе берәүҙәр донъяға мәңге йәшәргә килгәндәй ҡылана, уларҙың танауы юғары, үҙҙәре Алла, үҙҙәре мулла. Шәп кешеләй булып, әҙәм яҙмышын бысраталар, тапайҙар.Был хәлде бер кемдең дә улдарына күрһәтмәһен. Уларҙы үҙ һүҙендә ныҡ торған, ысын ир итеп тәрбиәләү кәрәк икән атай-әсәйгә.Шулай бер йәш ғаиләлә булғанда ошо хәл телгә алынғайны. Хужабикә “Юҡтан ғына кешене өйҙән ҡыумайҙар, һин барыһын да белмәйһеңдер” тип ярһыулы яуап биргәс, ире: “Әгәр мин ауырып, эшкинмәгән хәлгә ҡалһам, һин дә мине ҡыуырһыңмы урамға, улайһа?” – тип һораны. Ҡатыны: “Юҡ, һин миңә кәрәк әле…” – тип ҡаты ғына яуап бирҙе. Ошо һүҙҙәр иҫкә төшһә, йөрәгем өшөп китә. Ҡаты бәғерлелек беҙҙә ҡағиҙәгә кергәнгә оҡшай.Мәрхәмәтлерәк, миһырбанлыраҡ булып, кеше­леклегебеҙҙе юғалтмаһаҡ, бер-беребеҙгә иғтибарлы, ярҙамсыл булһаҡ ине, ҡәрҙәштәр. Донъя – ҡуласа, әйлән­дереп килтереп бер баҫа, ти торғайны ололар. Шуны онотмайыҡ. Зәйтүнә КӨҪӘПОВА Салауат ҡалаһы 1 Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Башҡортостандың 2020 йылға бюджетында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр өсөн 187 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Республика Финанс министрлығы ошондай мәғлүмәттәр килтерә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, ветерандарға, инвалидтарға, шулай уҡ элекке концлагерь тотҡондарына — 25 мең һум, тыл эшсәндәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың тол ҡатындарына бер тапҡыр 5 мең һум түләнергә тейеш. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҙур саралар ойошторола, улар араһында республикала тәүге тормошҡа ашырылған акциялар бик күп. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар өсөн «шәхси ярҙамсы» социаль хеҙмәте. Мохтаж ветерандар аҙнаһына 16-нан 28 сәғәткә тиклем ошондай ярҙам алырға хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда шундай ярҙамға мохтаж 69 ветеран йәшәй. Тағы бер яңылыҡ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар, ҡамауҙағы Ленинградта йәшәгәндәр, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары өсөн популяр такси сервисының бушлай хеҙмәттәре. Дөйөм алғанда, улар – 1345 кеше. Айына дүрт тапҡыр республика биләмәһендә такси сервисы хеҙмәттәре менән бушлай файҙаланырға мөмкин, бер тапҡыр йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш. http://www.bashinform.ru/news/1425909-na-edinovremennye-vyplaty-ko-dnyu-pobedy-byudzhet-bashkirii-napravit-187-mln-rubley/ Сергей Николаев Теги: Еңеү көнө, ветерандар, түләүҙәр Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 3800 квадрат метрға тиң. Баҡса айырым урынлашҡан ҡаҙанлыҡтан йылытыла, электр менән ярҙамсы станция тәьмин итә, һыу үҙәкләштерелгән селтәрҙән килә. Әле объектта биҙәү эштәре тамамланған, техника һәм йыһаз ташыйҙар. Бер үк ваҡытта балалар баҡсаһы биләмәһе лә төҙөкләндерелә. Бында уйын комплекстары ҡорола. Төҙөлөштөң дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Егет ҡорона инеп, аҡты ҡаранан айырыр мәленә еткәс, Марат та үҙенең киләсәге, ғаилә ҡороу ише етди мәсьәләләр хаҡында уйлана башланы. Уныңса, киләсәге яҡты, барыһы ла һәйбәт булыр төҫлө. Тик бына тәғәйен генә йөрөгән ҡыҙы, йәр булырҙай ише генә юҡ бит әле. Күҙе төшкән ҡыҙҙар бар барлыҡҡа, әммә уларға һүҙ ҡатырға ла ҡыймайыраҡ йөрөй шул. Үҙе менән бергә эшләгән сибәркәйҙәр араһында ла бына тигәндәре бар. Типографияла ленотипистка булып эшләгән Фатима, мәҫәлән… Егет ҡорона инеп, аҡты ҡаранан айырыр мәленә еткәс, Марат та үҙенең киләсәге, ғаилә ҡороу ише етди мәсьәләләр хаҡында уйлана башланы. Уныңса, киләсәге яҡты, барыһы ла һәйбәт булыр төҫлө. Тик бына тәғәйен генә йөрөгән ҡыҙы, йәр булырҙай ише генә юҡ бит әле. Күҙе төшкән ҡыҙҙар бар барлыҡҡа, әммә уларға һүҙ ҡатырға ла ҡыймайыраҡ йөрөй шул. Үҙе менән бергә эшләгән сибәркәйҙәр араһында ла бына тигәндәре бар. Типографияла ленотипистка булып эшләгән Фатима, мәҫәлән… Килмәгән ере юҡ – төҫ, тиһәң – төҫө, буй, тиһәң – буйы бар, эшкә лә һәлкәү түгел! Үҙе лә Маратҡа тыныс ҡарай алмай шикелле, һәр хәлдә, тап булышһалар, нисектер серле генә йылмайып, күҙҙәренә тура ҡарап үтә… Бындай мәлдә Фатиманың аҡ йөҙө алһыуланып, оҙон керпектәре дерелдәп киткән төҫлө була. Ә уҙған Яңы йыл байрамы уңайынан ойошторолған табында улар осраҡлы рәүештә генә йәнәш ултырҙылар. Марат ҡыҙҙы үҙенсә хөрмәт итергә, ҡарарға тырышты: табынға ҡуйылған теге йәки был ризыҡты Фатиманың тәрилкәһенә һала, ара-тирә уға шарап тулы бокал тәҡдим итә. Ҡыҙ ҙа һис инәлтмәй, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә сарбайламай, уймаҡ ирендәренә бокалды тигеҙеп кенә ала ла, егеткә ҡарап, ихлас йылмая. Мәжлес ҡыҙып, табындағылар талғын көйгә вальсҡа төшкәс, Марат та Фатиманы уртаға саҡырҙы. Шуны ғына көткәндәй, ҡыҙ йылдам хәрәкәттәр менән егеттең яурындарына ҡулдарын һалды… Ҡыҙҙан бөркөлөп торған хушбуй еҫенә иләҫләнеп, еңелсә башы әйләнгән егет уны иркен зал буйлап өйөрөлттө, үҙе әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек кисерҙе, хистәр диңгеҙендә йөҙҙө. – Марат, бер һорау бирһәм, асыуланмаҫһың микән? – Фатиманың көтөлмәгән был һорауына аптырабыраҡ ҡалды башта егет. – Әлләсе… Һорауыңды белмәйем бит әле… Шундай ҡурҡыныс түгелдер ҙә инде? – Ул, үҙ һүҙҙәренән үҙе оялғандай, ыҡ-мыҡ итте. – Тураһын һорағанға аптырама: яратҡан ҡыҙың бармы ул һинең? – Ҡыҙҙарҙы яратмаған егеттәр буламы икән ни? – Марат һүҙҙе шаяртыуға бормаҡсы булды. – Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа матур, берегеҙ ҙә яратмаҫлыҡ түгелһегеҙ! – Марат, мин шаяртмайым да ул, ә ысынлап һорайым… – Фатима ҡара күҙҙәрен Мараттың күҙҙәренә төбәне. Уның ҡарашында егеткә ҡарата йәшерен һөйөү сатҡыларын да, яуаптың ниндәй булырына икеләнеү һыҙаттарын да төҫмөрләргә була ине. – Беләһеңме, Фатима, әлеге мәлгә тиклем минең бер кемгә лә “яратам” тигән һүҙҙе әйткәнем юҡ. Дөрөҫөрәге, күңелемә ятҡанын осратманым әле… – Ә һине яратыусы булһа, ни әйтерһең? – Кем икән ул? – Ҡыҙҙың тел төбөн аңлаһа ла Марат уға юрый ошо һорауын бирҙе. – Әгәр ул миңә мөхәббәтен асыҡтан-асыҡ белдерһә, тотам да кәләш итәм үҙен! – Ул ҡыҙ мин булһамсы? – Эх, Фатима! – Егет, көйгә ҡушылып, әкрен генә йырлап ебәрҙе: Ҡар булһаң, ҡаралмам, Боҙ булһаң, боҙолмам, Мин мәңге юғалмам, Янымда һин булһаң… Әллә егеттең ҡолағына терәлеп тигәндәй һуҙған моңонан, әллә алған яуабының шундай тәьҫирле булыуынан ҡыҙ бер аҙға юғалып ҡалды: – Әйҙә, ултырайыҡ… Ниңәлер башым әйләнәсе, – үҙе егеттең яуабын да көтмәй ултырғысҡа ыңғайланы… * * * Бер нисә ай дауам итте Марат менән Фатиманың эскерһеҙ дуҫлығы. Егет хатта тәҡдим дә яһағайны ҡыҙға, тик уныһы, юҡ сәбәптәрен бар итеп, өйләнешеү мәсьәләһен кисектереп торорға булды. Белһәләр икән улар алда үҙҙәрен нимә көткәнен! Саф мөхәббәт утында янған ике йәш йөрәк араһына ҡара йылан булып инде шул Әлимә… Дөйөм ятаҡҡа иптәш егеттәренә эйәреп кенә килгән Маратты, таҫма телләнеп, үҙ бүлмәһенә саҡырған булды, табын ойошторҙо, егеттең ай-байына ҡарамай, араҡы көсләне… Таң алдынан Әлимәнең ҡосағында уянды егет: икеһе лә шәп-шәрә! Нимә булғанын аңлап етмәгән көйө Марат торорға уҡталды. Тик Әлимә уның муйынынан ҡосаҡлап алды ла, ҡайнар тыны менән өттө: – Ҡайҙа ҡасмаҡсыһың, һөйөклөм? Миңә һинең менән шундай рәхәт… тағы ла бер ҡосаҡлап ҡына үп инде! Ниңә уңайһыҙланаһың, булырын булдырҙың инде, беҙ ир менән ҡатын хәҙер… Кил, йәнем, бер аҙ ғына йоҡлап алайыҡ, иртә бит әле… – Юҡ… Һин нимә эшләттең мине, Әлимә? Оялыр инең… – Ә-ә-ә, оятты уйлай башланыңмы ни?! Үҙең бәйләндең бит, ирекһеҙләнең… Ярай, үпкәләшмәйек инде, ҡәҙерлем… яратам мин һине, һинең ҡосағыңа инер көнөмдө еткерә алмай бер булдым… Рәхмәт, барыһы өсөн дә, гел генә шулай һөйөшөп йәшәргә насип булһын, йондоҙҡайым… – Иркәләнеп, үҙенә һырынған оятһыҙ ҡыҙҙы ситкә этте лә, йәһәт кенә кейенергә тотондо Марат. – Белеп ҡуй, Әлимә – беҙ бер ҡасан да бергә булмаясаҡбыҙ! Минең йәрәшкән ҡыҙым бар… Ә был эш икебеҙ араһында ғына ҡалһын. Онот мине! – Мы еще посмотрим! – ишектән сығышлай Марат Әлимәнең ошо мыҫҡыллы һүҙҙәрен ишетеп ҡалды… Ошо хәлдән һуң айға яҡын ваҡыт үткәс, эштән ҡайтып ингән Маратты төҫө ҡасҡан әсәһе ҡаршы алды. Ни өсөн көйәләнеүен әбей тик табын янында ғына әйтте улына: – Әлимә исемле ҡыҙ килеп китте беҙгә… Ишкәнһең, балам, ишәк сумарын, ни тип ҡыҙ баланы алдамаҡ кәрәк… Әлимә ауырлы икән, күҙ йәштәрен түгеп, хәлен һөйләне. Күрше еңгәңдән оялһаң ни була, исмаһам, бер туған һеңлеһенә йәбешкәнһең… Алдағы йомала уҡ барып әйттерәбеҙ, белә күрә башыма гонаһ алаһым юҡ! – Һуң, әсәй, мин бер кемгә лә йәбешкәнем юҡ… Үҙе… – Ирҙәр барыһы ла шул инде… Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәр, тигән боронғолар, кеше алдында хурлыҡҡа ҡалаһым юҡ… Апайы насарҙан түгел, ағайын да беләм, Сәриә ҡоҙасаның ире. Тап төшһә – даландан, минең дә килен йомшап ҡына ултырғым килә… – Әсәй, мин бит уны бөтөнләй белмәйем тиерлек… Бер генә тапҡыр табындаш булдыҡ, унда ла үҙе көсләп һыйланы… – Аҡланма, ҡыҙ баланы мәсхәрәләп китергә закон да юл ҡуймай, иртәгә үк үҙем барам ата-әсәһенә. Шөкөр, уларға автобус йөрөп тора… Шулай итеп, әсәһенең һүҙен йыға алманы Марат – яҙмышына баш һалды. Фатимаға иһә ҡыҫҡа ғына записка яҙып, кеше аша тапшырҙы: "Ғәфү итә алһаң, ғәфү ит! Мин ҡапҡанға эләктем." Тик һөйгәне генә яуаптың зәһәрен ебәргән: “Күбәләктәрҙең ғүмерҙәре ҡыҫҡа инде ул… Ярай, бәддоға һиңә! Ғүмерегеҙ буйына эт менән бесәй шикелле йәшәгеҙ! Минән һиңә туй теләге ошо булыр”. Фал асҡанмы ни Фатима: Марат менән Әлимәнең ғаилә тормошо һис кенә лә берекмәне. Түшәк бүлешеп, өс балаға ғүмер бирһәләр ҙә бер-береһе өсөн ят кешеләр ине улар. Ҡатынының ситтәр менән типтереүен дә әлдән-әле еткереп торҙолар иргә, тик ул ғына балалары хаҡына барыһына ла түҙҙе, сығып китһәм, уларға ауыр булыр, тип уйланы. Балалыҡ, йәшлек дуҫтарының да юлдары һыуынды йорттарына – башта килгеләп, хәл белешеп ҡаранылар ҙа, хужабикәнең үҙҙәренә һырты менән тороуын күреп, һыуындылар… Туғыҙ йыл бергә йәшәү дәүерендә ниҙәр күреп, ниҙәр кисермәне ир. Аңлауынса, ул хәҙер, урыҫтар әйтмешләй, “подкаблучник” ҡына ине… Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе ул, башына ниндәй генә уйҙар килмәне. Ҡатынын күрә алмаҫ хәлгә килгән саҡтарында: “Әллә үлтереп кенә ҡотолайым да ҡуяйыммы икән?” – тип тә уйлар ине. Шулай ҙа аҡылын теҙген итә белде ул, ысынбарлыҡта ҡала, балаларының киләсәген ҡайғырта алды. Әммә… * * * “Марат үлгән!” – ҡот осҡос хәбәр йәшен тиҙлеге менән ҙур ауылды урап сыҡты. Уны белгәндәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ туған-тыумасаһы уларҙың йортона ашыҡты. Ишекте асып инеүселәр өҫтө аҡ туҡыма менән ҡапланған мәйет янында туҡтауһыҙ күҙ йәштәрен түккән һәм бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлаған әсәгә ҡарап, ҡатып ҡала ине: – Ни тәҡәттәр генә итәм инде һинһеҙ, балаҡайым… Тере мәйет булып йәшәнең дә мәңгелек утҡа һалып киттең бит мине… Үҙ ихтыярым менән яҙмышыңды емерҙем шул, ғәфү итә күр, ҡолонсағым… – Унан ҡайғыһынан алйыған күҙҙәре менән килененә төбәлә. – Ҡотолдоң, албаҫты, ҡыҫыр мөхәббәтең менән баламдың башын ашаның, донъя рәхәтен күрмә берүк… Ни йөҙөң менән янына киләһең Мараттың? Башын элмәккә тығыусы һин генә бит… Ишек төбөндө тапанған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мыш-мыш илаша. Тыштағылар иһә әкрен генә тауыш менән хәлгә үҙ баһаһын биреп, фекер алыша: – Сабырлыҡтың да сиге бар шул… Иманын юлдаш итһен, мәрхүмдең. – Бала ғыналары йәл бит әле, уларҙы уйлаһа ни була икән, исмаһам… – Әлимәнең донъяһы теүәлләнде – теләге ҡабул булды… … Маратты ерләргә райондың төрлө тарафтарынан халыҡ бик күп йыйылды. Сәскә бәйләмдәре, веноктар бихисап… Табутты ир-егеттәр алмашлап күтәреп бара. Ике ҡатын оҙатыуында табутҡа етә атлаған әсә, бар хәсрәтен түгеп ҡалырға өлгөрөргә теләгәндәй, һаман үҙенсә һамаҡлай: – Эй, балам, балам… Үҙ йәнеңде ҡыйып, нимәләр генә оттоң инде… Ҡара йыланға ирек кенә бирҙең бит… Ике улың менән ҡыҙың аңлаһалар ярар ҙа… Эй, Хоҙайҡайым, ни өсөн кеше бәхеткәйҙәре тиң түгел икән? – Сабыр булайыҡ, апай, Маратты барыбер кире торғоҙоп ултыртып булмай. Тәҡдире шулдыр… Янындағы ҡатындар әсәне ниндәй һүҙҙәр менән йыуатырға белмәй аптыраны һәм үҙҙәре лә уға ҡушылып әсе йәштәрен түгә ине. Ә Әлимә иһә кеше алдында ҡара ҡайғыға батҡан тол ҡатын сүрәтенә бик оҫта керә белде – битенән ҡулъяулығын алманы, өҙгөләнеп һөйләнде. Эсенән иһә ирен ерләү мәшәҡәттәренең тиҙерәк үтеп китеүен, килгән-киткәндәрҙең уҫал ҡараштарынан йәһәтерәк ҡотолоу мәлен көттө. Башында тик бер генә уй: өс балаһына ирен юғалтыу айҡанлы биреләсәк пособие суммаһы арыу булһа ярар ине!.. Шулай инде… ҡыҫыр мөхәббәттең ҡайғыһы ла ҡыҫыр…
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда проекттар конкурсында еңгән генерал-майор Шайморатов һәйкәленең макетын күрһәтте. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда проекттар конкурсында еңгән генерал-майор Шайморатов һәйкәленең макетын күрһәтте. Еңеүсе макеттың авторҙары – скульптор Салауат Щербаков һәм архитектор Константин Донгузов. Уларҙың проектында генерал Шайморатов ҡына күрһәтелмәгән, уның легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының сағылышы ла бар. «Әле Өфөнөң Совет майҙанында төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәттә бара. Уны халыҡ геройының бына тигән һәйкәле биҙәйәсәк. Монументтың проектын республикала йәшәүселәр үҙҙәре һайланы», — тине Радий Хәбиров. Республика халҡы ил Президентының 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында Указын шатланып ҡабул итте, тип билдәләне ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Конгресс-холда Шайморатов һәйкәле макеттарының конкурс экспозицияһын 500-ҙән ашыу кеше – йәмәғәтселек вәкилдәре, ижади берекмә ағзалары һәм республикала йәшәүселәр килеп ҡараны. Тамашасылар һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙа 19 эштең һәр береһен ун балл буйынса баһаланы. Тәүҙән үк конкурс еңеүсеһенең эше Өфөнөң төҙөкләндерелгән Совте майҙанының мәғәнәүи үҙәге була тип иғлан ителгәйне. Фото: “Башинформ” Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ә инде яҙғыһын, тәбиғәт уянған мәлдә, шыттырылған бойҙай, борсаҡ, көнбағыш һәм башҡа орлоҡтарҙы рационға индереүҙең файҙаһы икеләтә арта, тиҙәр. Хикмәт ниҙә? Шытымдарҙың культураның үҙенә ҡарағанда нимәһе яҡшыраҡ? Баҡтиһәң, теге йәки был орлоҡтоң яңы ғына шытым биргән өлөшөндә витаминдар күберәк була икән. Төрлө тикшереүҙәр быны иҫбат иткән. Орлоҡ шытым биргәс, яңы тормош барлыҡҡа килә. Барыһы ла үтә ябай. Шыттырылған саҡта орлоҡ үҙ составын үҙгәртә. Ундағы витаминдар, файҙалы элементтар бер нисә тапҡырға арта, тиҙәр. Ә углеводтар кәмей икән. Был үҙенә күрә тәбиғәт мөғжизәһе. Орлоҡтоң шытым биреүен балаға уҙыусы ҡатын менән сағыштырырға була. Сабыйы донъяға яралғас, тәбиғәт ҡатын-ҡыҙға уны шифалы күкрәк һөтө менән туйындыра алыуҙы тәьмин иткән. Шулай уҡ орлоҡ та, әсә кеүек үк, үҙ шытымы өсөн барлыҡ файҙалы элементтарын бирә. Шыттырылған культуралар – ысын мәғәнәһендә тере аҙыҡ. Һәм был яңылыҡ түгел, ата-бабаларҙан ҡалған дауаланыу, туҡланыу сараһы. Шыттырылған орлоҡ нимәнән дауалай? Шыттырылған орлоҡ матдәләр алмашыныуын яйға һала, организмды төрлө витаминдар, микроэлементтар менән тәьмин итә, шлактарҙы сығара, эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һала, микрофлораға ыңғай йоғонто яһай. Шыттырылған ҡарабойҙай (эшкәртелмәгәне, шыттырыу өсөн тәғәйенләнгәне йәшел төҫтә була) гемоглобинды күтәрә, ҡан тамырҙарын нығыта, диабет, гипертония, анемия менән яфаланыусыларға, сртесс хәлендәгеләргә ыңғай йоғонто яһай. Шыттырылған бойҙай һәм арыш стресс хәлендәгеләргә ярҙам итә, тирегә, сәскә файҙалы. Иммунитетты нығыта, йәшәртә. Шыттырылған бойҙай Е һәм В витаминдарына, кальций, фосфор, магнийға бай. Арыш шытымдарында үҫемлек гормондары бар. Ул простата биҙенә тәьҫире яҡшы. Шыттырылған һолоно тын, ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙары борсоғанда ҡулланырға кәңәш итәләр. Шыттырылған көнбағыш кислота-һелте тигеҙлеге боҙолған саҡта файҙалы, күреү һәләтен яҡшырта икән. Борсаҡ культуралары шытымдарында аҡһым иттәге аҡһымға торошло һәм унда зарарлы майҙар юҡ кимәлендә. Шыттырылған ямҫыҡ ( чечевица) аҙ ҡанлылыҡта файҙалы. Шыттырылған соя аминокислоталарға бай. Үт ҡыуығында таштар булғанда файҙалы. Шыттырылған соя ҡан ойошоуон, ҡандағы холестеринды кәметә. Шыттырыр өсөн орлоҡто нисек һайларға? Теге йәки был орлоҡто һатып алғанда уларҙың химик ҡушылмалар менән эшкәртелгән булыу ихтималлығы хаҡында ла онотмағыҙ. Нисек тикшереп ҡарарға? Орлоҡто һыуға һалығыҙ һәм ҡалҡып сыҡҡандарын алып ташлағыҙ. Ике көн дауамында шытым бирмәгән орлоҡ та насар тигән һүҙ. Орлоҡтарҙы махсус кибеттәрҙән алығыҙ. Аграр өлкәлә эшләгәндәрҙән күпләп һатып алып ҡуйырға ла була. Ҡарайған орлоҡтарҙы ла ашарға ярамай. Орлоҡто күпләп һыуға һалмағыҙ, порциялап ҡына шыттырығыҙ. Сөнки уларҙы һыуытҡыста ике көндән дә артыҡ һаҡларға кәңәш ителмәй. Орлоҡто башта дезинфекциялау яҡшы. Бының өсөн тәүҙә ғәҙәти марганцовканы файҙаланығыҙ. Орлоҡто көслө булмаған асыҡ алһыу шыйыҡса менән сайҡатығыҙ. Һуңынан 100 грамм орлоҡто йыуығыҙ ҙа (был көндәлек норма), быяла йәки керамик һауытҡа һалығыҙ. Ҡалынлығы 2 сантиметрҙан да артмаһын. Орлоҡтарҙы шул килеш тә һалырға мөмкин, әммә һауыттың төбөнә марля йәйһәң яҡшыраҡ. Өҫтөн дә марля менән ҡаплап, бүлмә температураһындағы һыу ҡойоу талап ителә. Таҙа, тәбиғи һыу булһа бигерәк тә яҡшы. Шыйыҡса орлоҡтарҙы тулыһынса ҡапларға тейеш. Һуңынан һауытты ҡояш нурҙары төшмәгән, әммә йылыраҡ урынға ултыртығыҙ. Ҡороһа, һыу өҫтәп тороғоҙ. 1–3 миллиметрға еткән шытымдар иң файҙалыһы тип иҫәпләнә. Әгәр орлоҡ сифатлы булһа һәм бар шарттар ҙа үтәлһә, ундай шытым 1–2 көн эсендә барлыҡҡа килә. Бындай орлоҡтарҙы йыуырға һәм ашай башларға ла була. Шыттырылған орлоҡтарҙы нисек ашарға? Уларҙы иртән ҡабул итеү яҡшыраҡ. Орлоҡтарҙың үҙен генә файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ салатҡа һалырға, бал һәм емеш еләк менән ашарға ла мөкин. Ниндәй тыйыуҙар бар? Шыттырылған орлоҡтарҙы ашҡаҙан сей яраһы булғандарға ашарға ярамай. Уларҙы һөт ризыҡтары менән бергә ҡулланыу ҙа кәңәш ителмәй. Орлоҡтарҙы ашағандан һуң ашҡаҙан ауыртыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Быға унда газ йыйылыуы сәбәпсе булыуы, шулай уҡ таш һәм ҡомдоң шул рәүештә ауыртып сығыуы ла бар. Был иһә таҙарыныу башланды тигән һүҙ. Шулай уҡ уларҙы күпләп ашарға ла ярамай. Яйлап ҡына башлап, көндәлек нормаға саҡлы еткереү яҡшы. Әммә шыттырылған орлоҡтарҙы ҡабул итә башлау өсөн табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Һау-сәләмәт булайыҡ, дуҫтар! Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
«Акрополь» йәмғиәтен, уның етәксеһе, яҡташыбыҙ Хәйҙәр Ғайсинды белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. 1992 йылда уҡ ул шул йәмғиәтте ойоштора һәм бөгөнгәсә уны уңышлы етәкләй. Ҡыуанып хәбәр итәбеҙ: Хәйҙәр Миңшәриф улы ошо көндәрҙә орденлы булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Хәйҙәр Ғайсинды Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Хәйҙәр Миңшәриф улы хеҙмәт юлын 17 йәшендә генә “Инәк” совхозында ауыл хужалығы эшсеһе булып башлай. 1990 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған йәш белгес «Күмертаустрой» тресына участка мастеры булып эшкә төшә. Бында өс кенә ай эшләп өлгөрә ул. Йәш, булдыҡлы хеҙмәткәр булараҡ уны Күмертау ҡала Советының архитектура бүлегенә эшкә алалар. Хәҙерге ҡаланың бик күп объекттары Х.М. Ғайсиндың проекттары буйынса төҙөлгән. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Тарабердин ауылында ғүмер итеүсе Алина һәм Руслан Беляевтар ғаиләһе ығы-зығылы, тынғыһыҙ ҡала тормошона ҡарағанда тыуған төйәктә хеҙмәт һалыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Тарабердин ауылында ғүмер итеүсе Алина һәм Руслан Беляевтар ғаиләһе ығы-зығылы, тынғыһыҙ ҡала тормошона ҡарағанда тыуған төйәктә хеҙмәт һалыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Алина менән Руслан баласаҡтарында бергә уйнап, дуҫлашып йәшәйҙәр. Әммә егеттен ата-әсәһе район үҙәгенә күсеп китә. Быға ҡарамаҫтан, ҡыҙ менән егет араһындағы йылы хистәр һүрелмәй – улар осраша башлай. 2011 йылда гөрләтеп туй яһап йәш ғаилә тормош юлына баҫа. Бер йылдан беренсе сабыйҙары – Камилла донъяға ауаз һала. Һунынан Алина бәбәй табыу йортынан бер-бер артлы тағын да ике ҡыҙ – Карина менән Самираны алып ҡайта. Бөгөн Алина һәм Руслан үҙ көстәренә ышанырға өйрәнгән ныҡлы ғаилә. Улар ғаиләне үҙебеҙ өсөн төҙөнөк, балаларҙы ла үҙебеҙ өсөн таптыҡ тиҙәр. Бәлки шуның өсөн дә улар бер-берһенә хөрмәт менән ҡарай, үҙҙәренең һәм балаларының ҡәҙрен беләләр. Ата-әсәләре билдәләүенсә, ҡыҙҙар һәр ҡайһыһы төрлөсә холоҡ-фиғелле. Әммә был Беляевтар өсөн һөйөнөслө мәшәҡәттәр. Ауылда һәр ғаилә ус төбөндәгеләй күренеп тора. Беляевтар тураһында ла бер-берһен тапҡан ике бәхетле тиҙәр һәм уларҙың көмөш, алтын һәм башҡа ғаилә юбилейҙарын мотлаҡ билдәләйәсәктәренә ышаныс белдерәләр. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларға пособие әлеге 50 һумдан 10 мең һумға тиклем арттырыла, ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләнә. Был хаҡта Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведевтың һүҙҙәренә һылтанма менән «Интерфакс» хәбәр итә. «Йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар тәрбиәләнгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙамды арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Улар ай һайын бер балаға элекке 50 һум урынына 10 мең һумдан ашыу алырға тейеш», - тине Дмитрий Медведев. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта дәүләттән беренсе һәм икенсе бала өсөн айлыҡ ярҙам алыусылар һанын арттырыу өсөн ғаиләләрҙең мохтажлыҡ критерийҙарын бер кешегә йәш ярымдан ике минималь йәшәү минимумына тиклем күтәреү тураһында закон проекты әҙерләнгән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Һүрәттә (уңдан һулға): Байназар участкаһының иҫәп алыу комиссияһы рәйесе Гәүһәр Салауатова, иҫәп алыу комиссияһы ағзалары Зинира Хасанова, Зәлиә Тулыбаева, Әбүзәр Уразғолов, иҫәп алыу комиссияһы секретары Сатвал Шәрипов Һүрәттә (уңдан һулға): Байназар участкаһының иҫәп алыу комиссияһы рәйесе Гәүһәр Салауатова, иҫәп алыу комиссияһы ағзалары Зинира Хасанова, Зәлиә Тулыбаева, Әбүзәр Уразғолов, иҫәп алыу комиссияһы секретары Сатвал Шәрипов Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
БЫЛ ИКЕ ТӨШӨНСӘ АРАҺЫНДА БӘЙЛӘНЕШ БАРМЫ? ҒАЛИМДАР ЫҢҒАЙ ЯУАП БИРӘ. Немец университеты тикшеренеүсеһе Италия һәм Испанияла тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, был илдәрҙең бысраҡ райондарында коронавирустан үлеүселәр һаны күп булыуын белдергәйне. Бөгөн ТАСС хәбәр итеүенсә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының доклады баҫылып сыҡҡан. Унда ла һауа сифаты һәм коронавирус араһында бәйленеш булыуы хаҡында әйтелгән. БЫЛ ИКЕ ТӨШӨНСӘ АРАҺЫНДА БӘЙЛӘНЕШ БАРМЫ? ҒАЛИМДАР ЫҢҒАЙ ЯУАП БИРӘ. Немец тикшеренеүсеһе Италия һәм Испанияла тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, был илдәрҙең бысраҡ райондарында коронавирустан үлеүселәр һаны сағыштырмаса күп булыуын белдергәйне. Бөгөн ТАСС хәбәр итеүенсә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының доклады баҫылып сыҡҡан. Унда ла һауа сифаты һәм коронавирус араһында бәйленеш булыуы хаҡында әйтелгән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы докладында күренеүенсә, һауаның үтә ныҡ бысраныуы коронавирустан үлеүселәр һанын күбәйтеүе бик ихтимал. Документта күренеүенсә, үлем осрағының йышайыуы һауа сифатының насарлығына бәйле. Шул ваҡытта ойошма белгестәре шуны ла асыҡлаған: пандемия мәлендә һауа бер ни тиклем таҙарған. Быға ҡәҙәр Европа илдәре лә ошо хаҡта әйткәйне. Карантин мәлендә Испанияла, мәҫәлән, һауа күпкә яҡшырған, ундағы зыянлы матдәләр кимәле һуңғы ун йыл менән саҡыштырғанда 59 процентҡа кәмегән. Тимәк, производство эшмәкәрлегенең туҡтап тороуы, юлдарҙа транспорттың аҙайыуы ыңғай йоғонто яһаған. БМО-ның генераль секретары "йәшел сәйәсәт"кә ҡайтырға, йәғни тирә-яҡты һаҡлау буйынса өҫтәлмә саралар күрергә саҡыра.
Өфөлә «Коммерсант» баҫмаһы ойошторған матбуғат конференцияһында Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһе тикшерелде. «Юлдар яҡшыраҡ, сифатлыраҡ була бара, ләкин хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Дөйөм юл-транспорт ваҡиғалары кәмегәндә үлем осраҡтарының артыуын күҙәтәбеҙ, был беҙҙең өсөн күңелһеҙ һәм кире статистика. Әле уҙғарған саралар 100 процентҡа һөҙөмтәле түгел. Быға юл ҡуймау өсөн яңы юлдар һалырға һәм һәр бағанаға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотоға һәм видеоға төшөргән камералар ҡуйырға кәрәк», — тине «Приуралье» автомобиль юлдары федераль идаралығы начальнигы Рәмил Сенжапов. Уның һүҙҙәренсә, бөтәһе өсөн дә төп бурыс — именлек. Ведомстволар менән бергә юл фажиғәләре күп теркәлгән урындарға сығыу ойошторола. «Ыңғай динамика бар: 2016 йылда юл-транспорт ваҡиғалары күп теркәлгән урындар 15 ине, хәҙер ете, уларҙың береһе (Булгаков ауылында) инәме-юҡмы — билдәһеҙ. Был урындарҙы өҫтәмә камералар менән йыһазландырабыҙ, — тип билдәләне спикер. — Камералар буйынса: 2019 йылға яҡынса 200 миллион һумға килешеү төҙөлгән. Һүҙ 100-ләгән берәмек тураһында бара. Шуларҙың 60-ы — Башҡортостандың М-5, М-7, Р-240 трассаларына, 40-ҡа яҡыны Ырымбур өлкәһендә ҡуйыла». Фотовидеотеркәү камераларын ҡуйғанда билдәле бер тактика ҡулланыу күҙаллана, тип билдәләне Рәмил Сенжапов. «Видеотеркәү камералары водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә. Беҙ түбәндәге алымды ҡулланырға уйлайбыҙ: уларҙың урындарын алмаштырабыҙ, сөнки водителдәр ҡайҙа урынлашҡанын белә. Ниндәй ҙә булһа муляж ҡалдырабыҙ, ә ысын камераны, шартлы рәүештә әйткәндә, икенсе бағанаға ҡуябыҙ. Быны даими эшләргә ниәтләйбеҙ», — тине ул. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Агростартап” гранттар бәйгеһендә ҡатнашыу Әлшәй районында йәшәгән Нәфис Нәсхетдиновҡа үҫемселек өлкәһендә бизнес-проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан “Агростартап” гранттар бәйгеһендә ҡатнашыу Әлшәй районында йәшәгән Нәфис Нәсхетдиновҡа үҫемселек өлкәһендә бизнес-проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Нәфис Таһир улы өс-дүрт йыл үҙенең һәм туғандарының 15 гектар пай ерендә мал аҙығы культураларын сәсә. Фермер тағы 88 гектар ерҙе ҡуртымға ала һәм “Агростартап” грантына конкурста ҡатнашып ҡарарға була. Һөҙөмтәлә проектын уңышлы яҡлап, 1 миллион 980 мең һум аҡса алыуға ирешә. Грант аҡсаһына Нәфис Нәсхетдинов МТЗ-82 тракторы һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы, кәрәк-ярағы ала. Бынан тыш, фермер яңы эш урыны ла булдыра. Әле фермер яҙғы сәсеүгә әҙерләнә. Проектын артабан да үҫтерергә уйлай. Сәсеү майҙанын арттырып, бойҙай, арпа һәм башҡа культуралар сәсергә йыйына. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты һәм “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 68 яңы эш башлаған ауыл эшҡыуары дөйөм алғанда 211,5 миллион һум “Агростартап” грантын алған, тип билдәләй БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Президенты Санкт-Петербургта һуғыш ветерандары менән осрашты. Тереләргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеләсәк. Ағиҙел -6 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 20 Ғинуар 2020, 11:19 Рәсәй Президенты Санкт-Петербургта һуғыш ветерандары менән осрашты. Тереләргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеләсәк. Үткән шәмбе Рәсәй Президенты Владимир Путин Санкт-Петербург ҡалаһында булды, Пискарев мемориаль зыяратында ҡорбандар иҫтәлегенә тере сәскәләрҙән торған венок һалды, һуғыш ветерандары менән осрашты. Үткән шәмбе Рәсәй Президенты Владимир Путин Санкт-Петербург ҡалаһында булды, Пискарев мемориаль зыяратында ҡорбандар иҫтәлегенә тере сәскәләрҙән торған венок һалды, һуғыш ветерандары менән осрашты. Дәүләт башлығы ветерандарға социаль-иҡтисади хәл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек хаҡында һөйләне, хәҙерге Европала һуғыш тарихын боҙоп күрһәтеүҙәргә ҡаршы тороу хаҡында әңгәмә ҡорҙо. Тере ҡалған яугирҙар һаны йылдан-йыл кәмей. Дәүләт иҫән ҡалғандар хаҡында даими хәстәрлек күрә. Улар һәр районда һәм ҡалала иҫәптә тора, медицина ярҙамы күрһәтелә, торлаҡ мәсьәләһе хәл ителә. Рәсәй Президентының тәҡдиме менән быйыл һуғыш ветерендарына 75 мең һумлыҡ матди ярҙам күрһәтеләсәк, тыл ветерандары 50-шәр мең һум аласаҡ. Элек был аҡсаның 10 һәм 5 мең генә булыуын иҫәпкә алһаҡ, һис тә насар түгел.
Онлайн-уҡыуҙың киләсәге бар, әммә балалар мәктәптә белем алырға тейеш, тип белдерҙе Сбербанк башлығы Герман Греф. – Онлайн, әлбиттә, киләсәкле, унһыҙ мөмкин түгел. Тик шулай ҙа мәктәптәге белем биреү системаһы хаҡында һөйләгәндә, мин күп тапҡыр әйткәйнем инде, онлайндың офлайнды алыштырыуына ышанмайым. Дөрөҫөрәге, тегеһен дә, быныһын да берләштереүҙе һөйләргә кәрәк. Мин үҙем мәктәптә белем алыу яҡлымын, – тине ул Гайдар форумында. Герман Греф әйтеүенсә, уҡыусының уҡытыусы менән йәнле аралашыуына бер ни етмәй. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Был закон проекты халыҡ араһында ҙур резонанс тыуҙырҙы. Ә РФ Хөкүмәтенең быға үҙ ҡарашы бар һәм уның сәбәптәрен ҡарап үтәйек. Закон проекты 16 июндә күпселек тауыш менән тәҡдим ителде һәм 19 июлдә тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде. Әммә был проектҡа бик күп өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереләсәк. РФ Президенты Владимир Путиндың Матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса әлегә Владимир Владимирович ҡәтғи рәүештә үҙ фекерен белдермәгән. Ошо көндәрҙә иһә бер төркөм йәмәғәтселәр пенсия рефомаһын уҙғарыу буйынса халыҡтың уй-фекерен белеү маҡсатында референдум уҙғарыу мәсьәләһе менән Үҙәк һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итте. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Эмма Памфилова белдереүенсә, өс инициатив төркөмдөң дә референдум уҙғарыу буйынса талаптары законлы. Тик уларҙың ҡайһыһының тәҡдимен һәм ниндәй һорауҙы референдумға сығарыу мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала. Уларҙың бергә берләшеү ихтималлығы ла, Рәсәй төбәктәренән үҙ тәҡдимдәрен хуплатып (кем тиҙерәк) ҡултамға йыйыуҙары ла бар. РФ Хөкүмәтендә белдереүҙәренсә, әҙерләнгән закон проекты пенсия кимәлен һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ пенсия индексацияһын йыллыҡ инфляциянан күпкә арттырыуға өлгәшеү ҙә маҡсат булып тора. Унан килеп, илдә эшләүселәр һаны йылдан-йыл кәмей бара. 2019 йылда бер эшләүсегә яҡынса ике пенсионер тура киләсәк. 1970 йылда бер пенсионерға 3,7 эшләүсе кеше тура килгән. Илдә эшләүселәр һаны йыл һайын 400 мең кешегә кәмей бара. Закон проекты авторҙары шуға ла пенсия йәшен арттырыуҙы хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы тип ҡарай. Ошо закон проекты буйынса ҡатын-ҡыҙҙар бөгөнгө 55 йәш урынына - 63, ирҙәр бөгөнгө 60 урынына 65 йәштән пенсияға сығырға тейеш булып сыға. Тәү сиратта был 1959 йылда тыуған ирҙәргә һәм 1964 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Улар 2020 йылда 56 һәм 61 йәштә пенсияға сығырға тейеш була. Артабанғы йылдарҙа тыуғандар өсөн пенсия йәше йыл һайын өҫтәлә барып, 63 һәм 65 йәшкә етергә тейеш. Шулай итеп, ирҙәр 2028 йылдан 65 йәштә, ә ҡатын-ҡыҙҙар 2034 йылдан 63 йәштә пенсияға сыға башлаясаҡ. Пенсия тураһындағы законды үҙгәртеү эшләмәүсе пенсионерҙарҙың килемен 2019 йылда уҡ ай һайын 1 мең һумға арттыра барып, йылына 12 меңгә арттырыуҙы күҙаллай. Шулай уҡ граждан йыл һайын уҙған йыл менән сағыштырғанда бер мең һумға артыҡ пенсия ала башлаясаҡ. Йәғни, әгәр ҙә граждан 2018 йылда 14 мең һум пенсия алған икән, 2019 йылда 15 мең һум буласаҡ. Йәғни йылына дөйөм алғанда 12 мең һумға пенсияһы артасаҡ. Шулай итеп, пенсияны индексациялау 7 процент булып, күҙалланған инфляциянан (3,5 процент) ике тапҡырға артыҡ буласаҡ. Дәүләт Думаһында закон проектын икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа тикшереү һәм ҡабул итеү депутаттар йәйге каникулдарынан сыҡҡас, көҙгә буласаҡ. Шулай итеп, закон проекты авторҙары пенсия индексацияһын инфляциянан ике тапҡырға арттырыуҙы күҙаллай. Бөгөнгө шарттарҙа, финанс мөмкинлектәр булмау сәбәпле, быны атҡарып булмаясаҡ, ти улар. Шуға ла пенсия йәшен арттырыуҙы планлаштыралар. Уларса, өлкән йәштәге кешеләрҙе әүҙемләштереп кенә уларҙың ғүмерен оҙайтыуға өлгәшеп була. Өлкәнерәк йәштә хаҡлы ялға туҡтау тормош кимәлен күтәреүгә, кешенең социаль статусын үҫтереүгә лә булышлыҡ итәсәк, ти улар. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
“Грипп” һүҙе французса “гриппе”нан алынған. Ул эләктереү, тимәк, тиҙ йоғоу тигән төшөнсәнән килеп сыҡҡан. Грипп вирусы организмдағы һулыш алыу юлы күҙәнәктәренең эсендә үрсей. Грипп вирусы тышҡы мөхиттә 0 градустан юғары температурала бер нисә сәғәт эсендә үлә. Ә минус 70 градусҡа тиклем булған һалҡын шарттарҙа ул бер нисә ай эсендә сир булдырыу һәм үрсеү үҙенсәлеген һаҡлай. Кеше ҡышын өшөгәнгә генә сирләмәй. Йүткергәндә һәм сөскөргәндә грипп менән ауырыған кешенән вирустар сәселеп ҡала. Улар ҡарҙа, боҙҙа һәм һалҡын аҙыҡтарҙа организмға инеү мөмкинлеген көтөп ята. Өй туҙанында, йыуылмаған ҡулдарҙа булыуҙары ла ихтимал. *** Прививка ла яһалманы – грипп килеп етһә, нисек унан ҡотолоп ҡалырға икән, тиһеҙме? Профилактика өсөн бик ябай, әммә һөҙөмтәле микстура ла бар халыҡ араһында. Ҡабығы менән бергә ярты лимонды ваҡлағыҙ ҙа шуға 7 тырнаҡ һарымһаҡты шулай уҡ ваҡлап ҡушығыҙ. Массаны 0,5 литр ҡайнаған һалҡын һыуға һалып, 3-4 көн ҡараңғы урында тотоғоҙ. Унан һуң төнәтмәне шунда уҡ һыуытҡысҡа алып ҡуйығыҙ. Бына шуны иртән ас ҡарынға берәр ҡалаҡ ҡабырға онотмағыҙ. Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Алтай крайының Дружба ҡасабаһында халыҡты Себер түләмәһенән вакцинациялау башланды. Уҙған шәмбе бында ауырыу осраҡтары теркәлгән: 1 кеше вафат булған, 10 кеше, түләмә менән ауырыуға шик аҫтына алынып, хәстәханаға оҙатылған. Алтай крайының Целинный районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән, дезинфекция саралары уҙғарыла, ә Дружба ҡасабаһында карантин индерелгән. Ҡасабала 740 кеше йәшәй, урындағы властарҙың һүҙҙәре буйынса, уларҙың барыһын да медиктар тикшергән. Вафат булған көтөүсе хаҡында бында йәшәүсе кеше һөйләй: “Ул ит тураған, ә ҡулында яралар. Кем белгән инде шулай бөтәһен. Һәр ваҡыт мал һуябыҙ, эшләйбеҙ, бер ҡурҡыныс та булмай торғайны. Тик 3 көндән уның температураһы күтәрелде. Ҡатыны өйөнә алып ҡайтып китте, аҙаҡ хәстәханаға..” Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ауырыуҙар менән бәйле хәлдәр контроль аҫтында; мал –тыуар, малсылыҡ продукттары тикшерелә һәм ауырыу сығанаҡтарын билдәләү өсөн тупраҡ өлгөләре анализлана. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Тормош ауырлығына һылтанмайынса, бала үҫтереүҙе оло яуаплылыҡ менән башҡарған әсәләр һоҡланыуға лайыҡ. Сибай ҡалаһында йәшәгән Гөлсинә Ғәниева – шундайҙарҙың береһе. Ул бар тормош йәмен, асылын, йәшәү маҡсатын улдарын тәрбиәләүгә арнай. Бәхетле ғаиләлә бөгөн баһа­дирҙай дүрт ул үҫә. Исемдәре лә ниндәй бит әле, саф башҡортса: Са­лауат, Әмирхан, Нурислам һәм Азамат! Гөлсинә – Баймаҡ районының Күсей ауылы ҡыҙы. Ике ағаһы янын­да иркәләнеп кенә үҫкән ул. Бәләкәйҙән ҡул эштәренә маһир, аш-һыуға оҫта булыуы уны Сибай педагогия колледжының технология бүлегенә алып килә. Хеҙмәт юлында ҡаланың балалар баҡса­ла­рының береһендә башлай. Тормош иптәше Әсхәт Риф улы – Сибай егете. Етмәһә, таусылар династияһын дауам иткән шахтерҙарҙың бер вәкиле лә. Йәштәрҙең осрашыуы осраҡлы ғына килеп сыға. Гөлсинәнең иптәш ҡыҙының туйында уларҙың береһе – ҡыҙ яғынан, икенсеһе егет яғынан шаһит булараҡ ҡатнаша. Әхирәте­нең туйынан һуң күп тә үтмәй, Гөлсинә менән Әсхәт Ғәниевтәрҙең дә туйы була. Йәштәр, 2009 йылда сәстәрен сәскә бәйләп, үҙ тормоштарын башлай. – Балалар бергә уйнап үҫә, бер-береһенә ярҙамлаша, – тип һүҙ баш­ланы әңгәмәсем. – Ҙур улыбыҙ – алтынсы, уртансыһы өсөнсө клас­та белем ала, быйыл Нурислам бе­ренсе класҡа бара. Азаматты әле балалар баҡсаһына өйрәтеп йөрөйөм, уға ике йәш. Атайҙары ҡыр­ҙа вахтала эшләй, шуға күрә ул өйҙә булмағанда бар яуаплылыҡ минең иңемә һалынған. Береһе дәрестән ҡайта, икенсеһе түңәрәккә әҙерләнә, өсөнсөһөн балалар баҡ­саһынан барып алырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта дәрестәрен ҡарарға, спорт менән шөғөлләнергә, түңә­рәк­тәргә оҙатырға, күмәкләшеп саф һауала уйнарға, аҙаҡ бергәләшеп тәмле­кәстәр бешереп алырға ла ваҡыт табыла. Иң мөһиме – уландарым һау булһын, тип кенә теләйем. Ысынлап та, Ғәниевтәр улда­рының бар яҡлап та һәләттәрен асыу, физик тәрбиә биреү, уларҙы үҫтереү маҡсатында төрлө йүнә­лештә эш алып бара. Фатирҙа таһыллыҡ һәм сослоҡ талап иткән бокс күнекмәләре өсөн “груша тубы” ла, төрлө спорт ҡорамал­дары ла урын алған. Шулай уҡ шахмат һәм шашка уйнарға ла ярата улар, робот техникаһы менән дә мауығалар. Әмирхан менән Нурислам, атайҙары кеүек техник белем алырға тырышып, киләсәктә инженер булыу теләге менән яна. Салауат – ҡалала математика буйынса олимпиада еңеүсеһе, артабан да белемен ошо йүнәлештә камиллаштырырға хыяллана. “Шулай ҙа баһадирҙай егеттәр янына сәскәләй генә бер ҡыҙсыҡ кәрәктер?” тигән һорауым да яуап­һыҙ ҡалманы. “Әлбиттә, ҡыҙ бала­ның тыуыуын теләйбеҙ. Алла бир­һә, донъябыҙҙы йәнә нурға күмеп, ҡыҙыбыҙ ҙа булыр әле”, – тип ҡуйҙы Гөлсинә Хәбибрахман ҡыҙы. Кем белә, киләсәктә бәхетле әсә­нең теләге тормошҡа ашыр әле. Ишле баланың мәшәҡәттәре лә етәрлектер, әммә шатлыҡ-ҡыуа­ныстары күберәк. Иң мөһиме – балалары имен-һау булһын, тигән теләк менән бәхетле йорттоң ишеген яптым. К. ИШБУЛДИНА. Сибай ҡалаһы. Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.