text
stringlengths
369
192k
Хәҙер республикабыҙҙы Федерация Советында вәкилләгән Ирек Ялалов урынына Өлфәт Мостафин Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланды. Хәҙер республикабыҙҙы Федерация Советында вәкилләгән Ирек Ялалов урынына Өлфәт Мостафин Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланды. 1959 йыл Саҡмағош районында тыуған. Техник фәндәр кандидаты. Һуңғы вазифаһы - «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары. Мәскәүҙә хәҙер инде 9-сы тапҡыр «Зиновьев уҡыуҙары» тип аталған ғилми конференция үтте. Дәүерҙе фәлсәфәүи яҡтан аңларға тырышыуҙары ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, Италия политологы Джульето Кьеза әфәнденең фаразы буйынса, зама-наның төп проблемаһы шуға килеп тоташа: етеш тормоштан аңдары томаланған 100 миллион кеше (Көнбайыш илдәре) Ер йөҙөндәге 7 миллиард кеше менән идара итте, артабан да хакимлыҡты һаҡлап ҡалмаҡсы; бындай ҡаршылыҡтар бик йыш һуғыш менән тамамлана, ти. Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре Никита Михалков, Европала яҡшы менән яманда тамам бутала башланылар, тип сығыш яһай. Үҙенең балалары булмаған хакимдар киләсәкте нисек хәстәрләр, тип тә хаҡлы борсола. Ысынлап та шулай икән шул: Ангела Меркель (Германия канцлеры), Эммануэль Макрон ( Франция президенты), Тереза Мэй (Бөйөк Британияның премьер-министры), Стефан Левен (Швеция премьер-министры), Паоло Джентилоне (Италия хөкүмәте башлығы), Марк Рютт (Нидерланды хөкүмәте башлығы), Жан Клод Юнкер (Еврокомиссия рәйесе) кеүек миллион-миллион кеше яҙмышы менән идара иткән әфәнделәр атай-әсәй бурысы ни икәнлеген белмәйҙәр һәм белергә теләмәйҙәр икән. Айыҡ аҡылға күп күренештәрҙе аңлауы үтә ҡыйын. Әйтәйек ВТБ банкы - 60 процентҡа дәүләт предприятиеһы. Олег Дерипаска - Рәсәйҙә байыған олигарх. ВТБ-ның Дерипаска эйәлегендәге компанияға 132 миллион долларлыҡ дәғүәһе килеп сыҡҡан икән, ни сәбәптәндер бәхәсте ҡарау өсөн Лондон судына мөрәжғәт иттеләр. Рәсәй хоҡуҡ системаһын күрәләтә һанға һуҡмау була бит был, өҫтәүенә, инглиз суды ныҡ ҡиммәтсел - күпме аҡса ситкә китә! Мәскәүҙәге «Новая газета» журналистары коррупция тураһында тикшереүҙәр менән ныҡлап шөғөлләнә. Ун көнләп элек, ныҡ соҡонмағыҙ тип ҡурҡытҡандай, кемдер редакция ишеге алдында кеше ерләгәндә ҡуйылған венок һәм киҫелгән тәкә башы ҡалдырып киткән була. Хәбәрселәр менән килешә алмағандарҙыр инде - ошо арала төндә ситлек эсендә 9 тере һарыҡ та ҡалдырып китәләр, һәр береһенә «пресса» тип яҙылған жилет кейҙерелгән, ти. Янаусылар аҡылға теүәл микән тип тә шикләнерлек, ниңә шул тиклем мәшәҡәтләнәләр икән? Полиция эҙләй башлаһа, өҫтәмә эҙ ҡалдырыуҙары ла көн кеүек асыҡ. Нисек кенә булмаһын, был һарыҡтар йәнлектәр өсөн приютҡа оҙатыла. Леонардо да Винчи тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Былтыр бер картинаһы 450 миллион долларға һатылып, кешелек тарихында иң ҡиммәт сәнғәт әҫәре тип рәсми рәүештә танылды. Инглиз нейробиологы Кристофер Тайлер даһи ижадсының мираҫын ентекләп тикшерә торғас, сәйер һығымта яһай: Винчи әфәнде ҡы-лый күҙлектән яфаланған, тап шул үҙенсәлеге арҡаһында «күләмле» һүрәттәр яһай ҙа инде. Эшһөйәр һәм ныҡышмал кешегә, хатта, сир ҙә ярҙам итә! Стәрлетамаҡтағы сауҙа үҙәктәренең береһендә уҙған ял көндәрендә питон юҡ була. Был ҙур, табышын быуып үлтерергә күнеккән йылан контактлы зоопаркта аҫралған икән. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә, кейем-һалым магазинында тап итәләр, кире алып ҡайтаралар, мәхлүк зыян килтереп өлгөрмәй. Йәнлектәр менән һағыраҡ булырға кәрәк инде! Өфөлә «Башсельхозтехника» предприятиеһында тәүге «Беларус-1221.3» тракторын йыйҙылар. Минск трактор заводы лицензияһы буйынса әҙер комплекттарҙан йыйыла. Башҡортостанда йыйылған ауыл хужалығы техникаһының төп өҫтөнлөгө шунда: төбәк аграрийҙары республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау ярҙамында һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Үҙәк матбуғатты һәм интернетты файҙаланып Илфат ЯНБАЕВ әҙерләне. Ана бит, Краснодар крайындағы бер ауылға цирк килгән була. Тамашаға сығарылған инә арыҫлан тик торғанда ажарланып, 4 йәшлек ҡыҙыҡайға һөжүм итте, тип хәбәр ителде. Ҡотҡарыуын ҡотҡарылды, әммә балаҡай ныҡ ҡурҡа, сәләмәтлегенә зыян килә. Өфөлә «Башсельхозтехника» предприятиеһында тәүге «Беларус-1221.3» тракторын йыйҙылар. Минск трактор заводы лицензияһы буйынса әҙер комплекттарҙан йыйыла. Башҡортостанда йыйылған ауыл хужалығы техникаһының төп өҫтөнлөгө шунда: төбәк аграрийҙары республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау ярҙамында һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (рус. «Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона» (ЭСБЕ) — Рәсәй империяһында урыҫ телендә нәшер ителгән универсаль энциклопедия. Брокгауз һәм Ефрондың 86 томлыҡ коллекцияһы Ia һәм XXV томдарының титул бите. 1890—1907 йылдарҙа Петербургта Ф. А. Брокгауз — И. А. Ефрон акционер нәшриәт йәмғиәте тарафынан нәшер ителгән. Баҫма ике вариантта нәшер ителә: 41 төп том һәм 2 өҫтәмә том (тираждың бәләкәй өлөшө) һәм 82 төп том һәм 4 ярым том. 49-сы һәм 50-се ярым томдарҙа нумерация китаптың төбөнә ҡуйылған һәм титуль битенә XXV, XXVа баҫылған. Беренсе 8 том И. Е. Андреевский редакцияһында нәшер ителә, ҡалғандары К. К. Арсеньев һәм Ф. Ф. Петрушевский редакцияһында. Энциклопедияла 121 240 мәҡәлә, 7800 иллюстрация и 235 карта бар. 1899—1902 йылдарҙа «Брокгауз һәм Ефрондың кесе энциклопедияһы» «Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона» (МЭСБЕ) (3 томда) нәшер ителә; 1907—1909 йылдарҙа 4 томда икенсе баҫмаһы сыға. 1911—1916 йылдаҙа «Яңы энциклопедик һүҙлек» («Новый энциклопедический словарь» (НЭС)) (48 томдың 29 томы, һуңғы мәҡәлә — «Отто»). Рәсәй милли китапханаһында (Российская национальная библиотека|РНБ) төҙәтелгән 30-сы том һәм тулы булмаған 31-се том һаклана. ӘҙәбиәтҮҙгәртергә Кауфман И. М. Русские энциклопедии. Вып. 1. Общие энциклопедии. — М., 1960. — 103 с. (рус.) https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Брокгауз_һәм_Ефрондың_энциклопедик_һүҙлеге&oldid=1198759 ҡабул ителгән
1930 йылдыћ майында Иҫке Туҡмаҡлы ауылында күп балалы колхозсылар ғаиләһендә донъяға килә. Бала сагы, тиҫтерҙә кеүек үк, һуғыш йылдарына тура килгән ул. Әле быуындары ла нығынмаған малайҙың елкәһенә барлыҡ хужалыҡ эштәре төшә, колхозға ла эшкә сығырға тура килә. Мәктәп өсөн утын әҙерләүҙән дә ситтә ҡалмай. Әммә ауыр һынауҙар уға алда әҙерләнгән була әле. Көтмәгәндә әсәһе үлеп китә һәм ун дүрт йәшлек малай бер үҙе ҡала. Бәхеткә, тиҙҙән атаһын хеҙмәт армияһынан ҡайтаралар. Еңеү яҙынан һућ тыныс тормош көйләнә башлай. Егет ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уны 1950 йылда тамамлап, дипломлы белгес хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Шәрип ауылына ҡараған участокта ун ике колхозды хеҙмәтләндерә. Ул ваҡытта етәрлек техника булмай, шуға ла агрономға йәйәү йөрөргә тура килә. Тиҙҙән тырыш, эшһөйәр Үзбәкте Иҫке Туҡмаҡлы МТСына күсерәләр. Яҙмам геройы ирешелгәндәрҙә генә туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Белемен арттыру ниәте менән, ул институтҡа уҡырға инә. Ғалим-агроном дипломы алғас, ул Ильич исемендәге колхозда баш агроном булып эшләй башлай. Ошо йылдарҙа йәш, егәрле егетте яҙмыш буласаҡ тормош иптәше, Иҫке Ҡормаш ауылы сибәре Рәзидә менән таныштыра. Йәш ғаиләлә улдары Салауат һәм Рәмил, ҡыҙҙары Рәмилә тыуа. Үзбәк Ғүмәр улыныћ ейәндәре хәҙер инде үҙҙәре ата-әсә булып, дүрт бүләсәһе үҫеп килә. Үзбәк бабай тормош иптәше Рәзидә Мәсғүт ҡыҙы менән алтмыш ике йыл бергә ғүмер кисергәндәр. Ҡыҙғанысҡа , күптән түгел туҡһанын тултырған ҡатыны баҡыйлыҡҡа күсте. Туҡһан йәшен тултырған яҡташыбыҙҙы ихлас тәбрикләйбеҙ, оҙон ғүмер, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Унда Петропавловка мәктәбенән Эльвира Лотфуллина, Ҡубияҙҙан Резеда Ғәлләмова, Сураштан Вәрисә Садыҡова, Ҡашҡанан Зөлфиә Ғәлиева һөнәри оҫталыҡта көс һынашты. Бәйге өс турҙан торҙо. Иң беренсе уҡытыусылар дәрес күрһәтте. Артабан үҙҙәренең педагогик эшмәкәрлеген яҡланы. Оҫталыҡ дәресе үткәреп, ҡарап ултырыусыларҙы ла “эшкә ектеләр”. Бөтәһе лә ихлас шиғыр яҙҙы, һүрәт төшөрҙө, йырланы. Уҡытыусылар бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, “уҡытыусы” тигән оло исемгә лайыҡ булыуҙарын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Жюри тарафынан Эльвира Лотфуллина еңеүсе тип табылды. Вәрисә Садыҡова — “Ижади эшләүсе педагог”, Зөлфиә Ғәлиева — ”Иң яҡшы дәрес”, Резеда Ғәлләмова “Һөнәремә тоғро ҡалам” номинацияларында билдәләнде. Сара бер тында үтеп, уҡытыусыларға артабан да илһамланып эшләргә көс, дәрт өҫтәне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Китапханабыҙға килгән кескәй дуҫтарыбыҙға күп милләтле илебеҙ, унда йәшәгән һәр халыҡтың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, тарихы барлығы хаҡында һөйләнек. Рәсәй халыҡтарының китаптарын уҡыныҡ Илебеҙ халҡы - оло бер ғаилә кеүек. Төрлө милләттән булһалар ҙа һәр береһе үҙенең "россиян" булыуынан ғорурлана, берҙәм, татыу йәшәй. Балалар Рәсәй халыҡтарының әҙәбиәте менән дә ихлас танышты, ҡысҡырып әкиәттәр, хикәйәләр уҡыны. Аҙаҡтан уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрҙөләр, үҙҙәре лә әкиәт яҙып ҡаранылар. Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы. Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы. Рәсәй халыҡтарының китаптарын уҡыныҡ Автор:Юлиә Кирәева Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә яҡшы хәбәрҙәрҙең береһен еткерергә ашығабыҙ! Һүрәттә ике тәгәрмәсле “атты” күрәһегеҙ. Әгәр ҙә “Ауыл уттары” район гәзитенә тотошлай бер йылға яҙылһағыҙ, бәлки, тап һеҙ уға атланырһығыҙ ҙа! Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә яҡшы хәбәрҙәрҙең береһен еткерергә ашығабыҙ! Һүрәттә ике тәгәрмәсле “атты” күрәһегеҙ. Әгәр ҙә “Ауыл уттары” район гәзитенә тотошлай бер йылға яҙылһағыҙ, бәлки, тап һеҙ уға атланырһығыҙ ҙа! Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында бер йылға яҙылғандар араһында велосипед уйнатыласағы хаҡында вәғәҙә иткәйнек инде. Уйында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә бер йылға яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп теркәтергә кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, “Аҙна һайын – приз!” уйыны ла дауам итә. “Ауыл уттары”н алдырығыҙ һәм даланығыҙҙы һынап ҡарағыҙ! Әйҙә инде, дуҫ, ятып ҡалғансы, атып ҡал! Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Ғажиз ғына сабыйының тәүге ауазы менән әсә кешелә илаһи ҡөҙрәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йәшәү көсө уянғандай. Тап ошо халәт аша гүзәл зат үҙенә сикһеҙ илһам сығанағы, яңы мөмкинлектәр аса. Һәм, әлбиттә, башкөллө ғаилә мәшәҡәттәренә сумғанда ла, улар ниндәйҙер сиктәр, стереотип ҡараштар арҡылы үҫештән мәхрүм булырға тейеш түгел. Хәйер, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙың ижтимағи әүҙемлеге, тормошҡа яраҡлашыу, аналитик фекерләү һәләтлеге, креативлығы ҡалыпҡа һалынған бер төрлөлөк, һүлпәнлек, вайымһыҙлыҡ менән килешеп тора аламы һуң?! Гүзәл заттарыбыҙ һәр саҡ эҙләнеү, камиллашыу өҫтөндә. Күптән түгел ҡалала “Әсәйҙәр өсөн нетворкинг”тың барлыҡҡа килеүе лә үҙе үк быға дәлил. Уның ойоштороусыларының береһе - күп балалы әүҙем әсәй Мәүсилә ЭНИЕВА менән ҡорған әңгәмә был ҡолаҡҡа ят сит ил һүҙенең асылына төшөргә ярҙам итер. Белешмә Мәүсилә ЭНИЕВА. Тыумышы менән Рысыҡай ауылы ҡыҙы. Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Шығай ауылының ипле, эшһөйәр егетенә кейәүгә сығып, хәләле Тимур менән Зөлхизә, Тимерхан, Нурхан, Зәйнулла исемле аҡыллы, һәләтле балалар тәрбиәләйҙәр. - Мәүсилә, күптәр әлеге сәйер атаманың мәғәнәһен бигүк аңлап етмәйҙер... - Нетворкинг ҡулланышҡа инглиз теленән ингән: “net” - селтәр, “work” - эшләү. Йәғни дуҫтар, таныштар ярҙамында төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе еңел хәл итеүгә йүнәлтелгән социаль һәм профессиональ эшмәкәрлек ул. Үҙебеҙсә ябайлаштырып әйткәндә инде, файҙалы бәйләнештәр булдырыу тигән һүҙ. - Ҡасан яралды был идея? - Һөнәрем буйынса уҡытыусы мин. Әлеге ваҡытта бәләкәсебеҙ менән декрет ялындамын. Бер ҡалыпҡа һалынып, һәүетемсә генә аҡҡан тормош мәле менән рухи ҡәнәғәтһеҙлек, төшөнкөлөк кеүек тойғоларға тарыта башлағас, күңел көҫәгән шөғөлдәрҙе барланым. Ни тиһәң дә, уҡытыусылыҡ үҙенекен итә, һәр саҡ нимәлер уйлап табырға, маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, уларҙы бойомға ашырырға ынтылам. Кемгәлер нимәлер өйрәтке, файҙа ҡылғы килә. Ошо изге маҡсаттан сығып, Әлиә Балюх исемле йәш әсәй менән нетворкинг тигән эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә ҡарар иттек. Был тәжрибәне беҙ Өфө әсәйҙәренән үҙләштерҙек. Баш ҡалала бының ише осрашыуҙар даими рәүештә ойошторолоп тора. Беҙҙә иһә тәүге нетворкинг октябрь айында уҙҙы. - Эшмәкәрлегегеҙҙең төп маҡсаты нимәнән ғибәрәт? - Беҙҙең эш декрет ялында ултырған әсәйҙәргә ярҙам итеү маҡсатынан сығып ғәмәлгә ашырыла. Осрашыуға килгән әсәйҙәр бер-береһе менән таныша, аралаша, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап таба, тәжрибә уртаҡлаша. Хәйер, улар үҙҙәренең һөнәрҙәрен генә күрһәтеп кенә ҡалмай, үҫеш өсөн бына тигән этәргес ала. Үҙенә күрә реклама тиергә лә мөмкин. Аш-һыуға оҫталар, мәҫәлән, рецептары, тәғәм әҙерләү серҙәре менән бүлешһә, кемдер матур итеп сәс үрергә, прическалар эшләргә өйрәтә. Берәүҙәр ҡурсаҡ тегә, икенселәр шәл бәйләй... Керпек “үҫтереү”, ҡаштарҙы матурлау, тырнаҡ буяу йәһәтенән дә һорауҙар йыш тыуа. Мәҫәлән, өсөнсө нетворкингка косметолог килде... Дауамын гәзитебеҙҙең 95-се һанында уҡығыҙ (27 ноябрь, 2020 йыл) Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда бөтә мәктәп автобустары паркы уҡыу йылына әҙер. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Башҡортостанда бөтә мәктәп автобустары паркы уҡыу йылына әҙер. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. 1 436 мәктәп автобусы менән 42 мең бала файҙалана. Быйыл республика төбәктәре тағы ла 44 яңы автобус алды. Башҡортостан ҡаҙнаһынан был маҡсатта 104,7 миллион һум аҡса бүленгән. Бынан тыш , техника паркы федераль программаларҙа ҡатнашыу арҡаһында ла яңыртыла. Яңы уҡыу йылы алдынан дәүләт автоинспецияһы хеҙмәткәрҙәре автобустарҙың әҙерлеген тикшерҙе. Транспорттың техник торошо, уның төҙөк булыуы , водителдәр хаҡында мәғлүмәт туплау- ошо сараларға инә. Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу өсөн автобус йөрөтөүселәр рейс алды тикшереүе үтәсәк, техниканы дезинфекциялау саралары ла буласаҡ. Бынан тыш водителдәргә битлек режимын һаҡлау тәҡдим ителгән. Фото: zr.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Яңы йыл байрамдарында күптәр рәхәтләнеп ял иткән осорҙа үҙ хеҙмәтен башҡарыусы кешеләр ҙә күп булды. Шулар араһында коммуналь хеҙмәт эшсәндәрен айырым билдәләп үтмәй булмай. Сөнки көндәр бик һыуыҡ булмаһа ла, ҡыш үҙенекен итте, йә ҡар яуып алды, йә көндәр йылынып, йорт ҡыйыҡтарына боҙбармаҡтар элде. Ә ял тип, байрам тип тормай, иртәнме ул, кисме ул, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡыйыҡтарҙы таҙартырға сыҡҡан кешеләргә ҡарата тик ихтирам тойғоһо ғына кисергәндер салауаттар. Ысынлап та 1 ғинуарҙа Яңы йыл төнөнән һуң иртән тороуға йорттоң подъезд алды ҡарҙан таҙартылып сыҡҡайны инде. Унан һуң яйлап ҡыйыҡтан аҫылынып торған боҙбармаҡтар ҙа һуғып төшөрөлдө. Ә инде өй алдындағы юл даими таҙартылып торҙо. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл каникулдары ваҡытында ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре өҙлөкһөҙ эш режимында хеҙмәт иткән. Ҡала хужалығы идаралығы, ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов та эштәрҙең ваҡытында башҡарылып тороуын күҙәтеү аҫтында тотҡан. 1 ғинуарҙа, мәҫәлән, ҡала урамдарын таҙартыуға 30-лап берәмек техника сыҡҡан. Ғөмүмән, ҡала ҡышты ҡаршылауға етди әҙерләнгән. “Флора” муниципаль предприятиеһының автопаркы 13 берәмек техника менән тулылынған һәм улар шунда уҡ эштә ҡулланыла башлаған. Араларында бәләкәй габаритлылары, еңел һәм маневрлылары таш түшәлгән юлдарҙы таҙартыу өсөн уңайлы. Әйткәндәй, тап ошо предприятие техникаһы кешеләр күпләп ял иткән урындарҙы: аллеяларҙы, скверҙарҙы, парктарҙы, йәйәүлеләр йөрөү тротуарҙарын, Яңы йыл ҡаласыҡтарын, балалар майҙансыҡтарын таҙартты. Шулай уҡ ҡала урамдарында, юлдарҙа тәртип булдырыуға йылдар дауамында тәжрибәле ойошмаларҙың береһе - “Махсус автохужалыҡ” ҙур өлөш индерә. Уның юлдарҙы таҙартыу өсөн техникаһы ла, кешеләре етерлек. Ҡыш эҙемтәләре менән көрәшеү, халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыу өсөн эш ҡаланың барлыҡ биләмәһендә лә ойошторолған. Торлаҡ-файҙаланыу участкалары ла был каникулдар ваҡытында кешеләрҙең йәшәү шарт-тары уңайлы булһын өсөн бөтә тырыш-лығын һалды. Урам һепереүселәр иртә таңдан подъезд алдарын таҙартып ҡуйҙы. Йорт алдарында машиналар бик күп ҡуйылһа ла, мөмкин тиклем юлдар ҙа таҙартылып торҙо. Кешеләрҙең хәүефһеҙлеген дә хәстәрләп, күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын эленеп торған боҙбармаҡтарҙан таҙартырға ла онотманылар. Идара итеүсе компанияларҙан белдереүҙәренсә, ял көндәренә махсус дежурлыҡ булдырылған, ә инде ныҡлы ҡар яуғанда өҫтәмә техника һәм кешеләр эшкә йәлеп ителгән. Шулай уҡ был көндәрҙә сауҙа нөктәләренең алды ла һатып алыусы-ларға инеп-сығып йөрөүгә уңайлы булһын өсөн ҡар даими көрәп ҡуйылды. Ҡыштың иң ҡарлы мәлдәре алда әле. Шуға күрә коммуналь хеҙмәттәрҙең дә эштәре етерлек буласаҡ. Улар был юҫыҡта эштәренә яуаплы ҡараясағына шик юҡ. Шулай ҙа юлсыларҙың да халыҡҡа үтенесе бар - ҡар таҙартҡан ваҡытта автомобиль һәм башҡа транспорттарҙы юлдарҙан алыуҙы үтенә, сөнки был уларҙың эшен күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк.
Ҡәҙерле дуҫтар,күрҙегеҙме,белдегеҙме командабыҙҙың нисек популяр икәнен! Юлаевсылар КХЛ-дың виртуаль плей-офф уйындарында иң күп тауыш йыйыусы булып танылды. Хатта беҙҙекеләргә "Аҡ Барс" менән "Себер",ЦСКА менән СКА ла ҡаршы тора алманы. Хәҙер бына сит ил командаһы – "Йокерит" (Хельсинки) менән һынау көтә. Әйҙәгеҙ,көйәрмәндәр,тағы ла әүҙемлек күрһәтәйек. Юлаевсылар өсөн тауышыбыҙҙы йәлләмәйек. Гагарин кубогы беҙҙеке булырға тейеш! #КубокГагаринаОнлайн Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Ололарҙың: “Хәҙерге заманда кешеләр генә түгел, һауа торошо ла үҙгәреп бөттө”, - тигәне дөрөҫ. Иртәгәһе көндөң ниндәй булырын береһе лә аныҡ ҡына әйтә алмай, синоптиктарға ла ышаныс юҡ. Әле генә ҡар яуып, тәнде генә түгел, күңелдәрҙе лә “өшөтөп” ебәргәйне, синоптиктар киләһе аҙнала йылыта, тип ҡыуандыра. Хатта +20 градусҡа етә, тип ебәрәләр. Ололарҙың: “Хәҙерге заманда кешеләр генә түгел, һауа торошо ла үҙгәреп бөттө”, - тигәне дөрөҫ. Иртәгәһе көндөң ниндәй булырын береһе лә аныҡ ҡына әйтә алмай, синоптиктарға ла ышаныс юҡ. Әле генә ҡар яуып, тәнде генә түгел, күңелдәрҙе лә “өшөтөп” ебәргәйне, синоптиктар киләһе аҙнала йылыта, тип ҡыуандыра. Хатта +20 градусҡа етә, тип ебәрәләр. Ул тиклем уҡ булмаһа ла, аҙна башында термометр бағанаһының +9, +10 градусҡа тиклем, аҙна дауамында +14, +17 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Төнгөһөн 0, +3 градус күрһәтә. Кемдәр йорт-ҡура тирәһендә эшен бөтмәгән, йәһәтләп ҡалырға тырышығыҙ. Әбейҙәр сыуағы әҙ булды, тип һуҡрана торғас, әбейҙәр сыуағы - күңелдәре булһын тип, ҡабаттан әйләнеп килергә уйлай, шикелле. Көтәбеҙ! Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Һыу баҫыуға бәйле ярҙамға мохтаж булһағыҙ, колл-үҙәккә 8-800-201-89-03 телефоны буйынса бушлай шылтырата алаһығыҙ. Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Туҡта, ташҡын” акцияһын башланы. Ул һыу баҫҡан биләмәләрҙә ҡалған республика халҡына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Партия ирекмәндәре аҙыҡ-түлек алып киләсәк, кәмә менән ярҙам итәсәк йәки әйберҙәрҙе ташышасаҡ, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе лә хәл итеүҙә лә булышлыҡ күрһәтәсәк. Акция Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республика эшҡыуарҙары менән берлектә төбәк һәм урындарҙағы кимәлдә ойошторола. Һыу баҫыуға бәйле ярҙамға мохтаж булһағыҙ, колл-үҙәккә 8-800-201-89-03 телефоны буйынса бушлай шылтырата алаһығыҙ. Фото: @mchsrb Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
2 октябрҙә 11.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Ишембай ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлегендә Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Николаевич Чернятьев граждандарҙы күсмә ҡабул итә. 2 октябрҙә 11.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Ишембай ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлегендә Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Николаевич Чернятьев граждандарҙы күсмә ҡабул итә. Унда РФ Тәфтиш комитеты органдары ҡарамағындағы енәйәт эштәрен асыҡлау һәм тәфтишкә тиклем тикшереү үткәреү буйынса һорауҙар тыңланасаҡ. Шулай уҡ бәлиғ булмағандарға ҡарата эшләнгән енәйәт билдәләре тураһында мәғлүмәт булған мөрәжәғәттәр ҡараласаҡ. Ҡабул итеүгә килеүселәрҙең үҙҙәре менән шәхесен билдәләүсе документы булырға тейеш. Граждандарға шуға иғтибар итергә кәрәк: тәфтишсе, тәүтикшереүсе, шулай уҡ эске эштәр һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив хеҙмәттәре Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитеты ҡарамағында түгел, шуға күрә был хеҙмәткәрҙәр тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙар, уларҙың эшмәкәрлеге тураһында хоҡуҡ тәртибенең юғары органы етәксеһенә, прокурорға йәки судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тәфтиш комитеты етәксеһенә ҡабул ителеүгә алдан яҙылыу 8 (347) 94-2-30-56 телефоны буйынса алып барыла. Фото: интернет. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итте. Бөгөнгө һүҙебеҙ Аһылай ауылында өлгөлө донъя көтөүсе, күп балалы ғаилә Тәнзилә һәм Нурислам Кәримовтар тураһында. Һәр ауылда уңған ғаиләләр бар, улар үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Аһылайҙа ла өлгөлө ғаиләләр бихисап. Тыуып үҫкән төйәгенә ерегеп, бәрәкәтле тормош алып барған уңғандарҙың береһе — Нурислам Кәримов. Нурислам ун бер балалы ғаиләлә иң кинйәһе була. Мәк-тәптә белем алғас, башҡалаға юллана. Йылғасылыҡ училищеһына уҡырға инә. Уҡып бөтөүгә ил алдындағы изге бурысын үтәргә ваҡыт етә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Өфөлә янғын һүндереү часына эшкә урынлаша. Йәш саҡ — йүләр саҡ, ти-гәндәй, эштән арманһыҙ булып арып ҡайтһа ла, Салауат һәйкәле янына, йәштәр өсөн ойошторолған төрлө кисәләргә йөрөргә ваҡыт таба егет. Ул йылдарҙа гөрләп эшләгән «Аҡ тирмә» клубында үткәрелгән бер сараны ла тиерлек ҡалдырмай. Нәҡ ошо «Аҡ тирмә» лә осрата ла инде Нурислам үҙенең буласаҡ ғүмер юлдашын. Архангель ҡыҙы Тәнзиләнең был мәлдә һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөгән сағы була. Тәнзилә полиграфистар әҙерләгән училищены тамамлап, ҡулына диплом алғас, йәштәр ғаилә ҡора, кешелә фатирҙа йәшәйҙәр. Ғаилә шатлығын арттырып, улдары Динислам тыуа. Үҙ мөйөшөң булмағас, ҡалала йәшәүе еңел түгеллеген үҙ елкәһендә татығас, Нурислам ғаиләһен алып тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә, Тәнзилә лә ҡуш ҡуллап ризалаша. Башҡортта килгән йола буйынса, Нурисламдың ата-әсәһе кинйә улдарына инселәп өйгә бура күтәрткән була. Ҡайтыу менән туғандары, дуҫтары ярҙамында өйҙәрен бөтөрөп инәләр. Ауылда эш юҡ тип тормай, Нурислам Нәғимйән улы ауылдағы тимерлеккә эшкә сыға, шул уҡ ваҡытта туғандары менән бергәләп кешеләргә ялланып бура бурай, өй башы яба, башҡа эштәргә йөрөргә лә өлгөрә. Фото, видеотөшөрөүселәр бик һирәк булған замандарҙа туй-юбилейҙарҙа ошондай хеҙмәт күрһәтеп тә аҡса эшләй. Урындағы мәктәптә ҡарауылсы вазифаһын да башҡара. Ауыл ерендә ҡулай һөнәр кәрәклеген аңлаған Нурислам Кәримов ситтән тороп урман хужалығы техникумын тамамлаған, ун йыл инде Әбйәлил урмансылығында мастер вазифаһын башҡара. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаиләһе мохтажлыҡ кисермәһен өсөн эшһеҙ тормай ул. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Сөнки Нурислам ете балалы ғаилә башлығы. Өҫтәүенә, Н. Н. Кәримов үҙе эшләгән ойошманың, ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Был көндәрҙә ул Асҡарға район үҙәге ойошма-предприятиелары араһында барған «Атайсал» конкурсында ҡатнашыр өсөн репетицияларға йөрөй, өҙҙөрә баҫып бейей ҙә, һыҙҙырып гармунда ла уйнай атай кеше. Ә ҡатыны Тәнзилә — ныҡлы донъя тотҡаһы, өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр уның иңендә. Йомшаҡ һүҙле, ипле, алсаҡ ҡатын ваҡыт етмәүгә лә һылтанмай, әсәлек бурысын тыныс ҡына үтәй. Көн һайын күпме эш башҡарырға кәрәк уға: ирен ашатып эшкә оҙатырға, унан инде балаларҙы тәрбиәләп мәктәпкә ебәрергә, тәмлекәстәр бешереп ҡаршы алырға, өҫ-баштарын йыуырға, һәр ҡай-һыһына тейешле иғтибар бүлергә, дәрестәрен тикшерергә, өйҙө йыйыштырырға, мал-тыуарҙы ла ҡарарға һәм башҡалар. Йәй етһә, мәшәҡәттәр тағы арта төшә. Йөҙәрләгән баш ҡош-ҡорт алып тәрбиәләйҙәр. Ҡотло ҡуллы кешенең картуф-йәшелсәһе лә уңа, тапҡанының бәрәкәте лә арта. Өҫтәүенә, еләк-бәшмәк осоро етһә, урмандан ҡайтып инмәйҙәр тиерлек. — Күңелле ул мәлдәр. Иртәнсәктән балалар менән күмәкләп сығып йыябыҙ. Еләкте, бәшмәктәрҙе Магнитогорск ҡалаһына, Белоретта ҡиммәтерәк булһа, шунда алып барып һатабыҙ. Мин һатып килеүгә, балалар тағы биҙрәләрен тултырып ҡуя, һатып ҡына өлгөр, — ти Тәнзилә. — Картуфты күп ултыртҡас, уны ла, һөт ризыҡтарын да һатып аҡса эшләйбеҙ. Тик ултырырға ваҡыт юҡ. Бер-береһенең һүҙенә ҡо-лаҡ һалып, донъяларынан ҡәнәғәт булып, тормош ығы-зығыһына зарланмай йәшәгән ирле-ҡатынлы Кәримовтар балаларының шатлығына күмелеп, бәләкәй генә уңыштарына ла һөйөнөп, күптәргә өлгө булып ғүмер кисерә. Хәләл көстәре менән донъя көтөргә ынтылған, балалар баҡҡан һәм, иң мөһиме, уларға дөрөҫ тәрбиә биргән ғаиләләр булғанда киләсәгебеҙ өмөтлө. Башҡорт лицейын тамамлаған өлкән улдары Өфөлә эшләп йөрөй. Уға етәһе ҡыҙҙары Нәсимә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге гимназияны уңышлы бөтөп, Өфө нефть институтының беренсе курсында белем ала. Айҙар ҙа етенсе кластан һуң, уҡыуын республика инженер лицей-интернатында дауам итә. Ҡалған дүртәүһе әлегә ата-әсә янында. Нәзилә, Уралиә, Нургизә мәктәп уҡыусылары, ҡыҙҙар тәртипле булыуҙары, яҡшы уҡыуҙары менән ҡәҙерлеләрен ҡыуандыралар. Бәләкәй Нуриманға 6 йәш. Алдағы йылдарҙа шуҡ малай Рәхмәткә балалар баҡсаһына йөрөгән, тик икенсе ауылға йөрөтөүе ҡыйынға тура килгәс, бөгөн ул өйҙә апайҙары «тәрбиәһендә». Һәр кем эштән һуң үҙ дәүләтенә — ғаиләһенә — ашыға. Ошо бәләкәй дәүләт берҙәм, татыу булһа, илебеҙҙең дә көс-ҡеүәте нығыраҡ. Шуға күрә әсәйҙәр генә түгел, үҙ йортоноң хужаһы булған атайҙар ҙа балаларына ныҡлы терәк, тормош өлгөһө булып йәшәргә тейеш. Нәҡ ошо тәңгәлдә күптәргә үрнәк Кәримовтар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Башҡорт халыҡ ижады репертуарында урын алыу нисбәте яғынан Салауат Юлаев шәхесен, тәбиғи, бүтән бер кем менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Башҡорт фольклорында уның образы үтеп ингән жанрҙар ғына ла үҙе бер төркөмдө тәшкил итә – эпос, ҡобайыр, йыр, легенда-риүәйәт, бәйет... Башҡорт халыҡ ижады репертуарында урын алыу нисбәте яғынан Салауат Юлаев шәхесен, тәбиғи, бүтән бер кем менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Башҡорт фольклорында уның образы үтеп ингән жанрҙар ғына ла үҙе бер төркөмдө тәшкил итә – эпос, ҡобайыр, йыр, легенда-риүәйәт, бәйет... Быға тиклем халыҡ араһынан Салауатҡа ҡағылышлы йыйылған һәм бөгөнгө көндә йыйыла барған йырҙарҙың, легенда-риүәйәттәрҙең иҫәбе-һанына сығып бөтөрлөкмө икән? Легендар геройыбыҙ образын сағылдырған легенда-риүәйәттәрҙең ҡайһы берҙәре хатта үҙҙәренең традицион ҡалыптарынан да сығып та китә: йәғни, Салауат тураһында тулы йөкмәткеле, бөтөн сюжетлы, юғары пафослы әҫәрҙәрҙән тыш, тарихилыҡ һыҙаттарын һәм худо­жестволы уйҙырмаларын да һаҡлаған, әммә сюжетһыҙ, айы­рым өҙөк-өҙөк эпизодтарҙан торған иҫтәлектәр осрай. Улар­ҙы заманында ғалим Ә. X. Вахитов «әңгәмәләр» тип атағай­ны. Ошондай әңгәмәләр батырҙың тормошона, көнкүреш үҙенсәлектәренә ентеклерәк үтеп инеү маҡсатында сығарылған­дыр, ахыры. Шул ғәҙәти эпизодтар аша халыҡ, нескә һәм оҫта итеп, Салауаттың бөйөклөгөн тағы ла нығы­раҡ нигеҙләй. Легенда, риүәйәт, әңгәмә жанрының Салауат Юлаев репертуары шундай бай һәм күп төрлө, уны үҙ сиратында айырым төркөмдәргә бүлеп булыр ине: 1) тормош юлы һәм эшмәкәрлеге; 2) буй-һыны, йөҙө, ҡиәфәте; 3) туған-ырыуҙары, нәҫелдәре; 4) әйберҙәре; 5) уға бәйле ер-һыу атамалары. Шулар эсендә Салауаттың бала сағын, үҫмер осорон сағылдырғандары ла күп кенә. Бына бер нисәһе. ...Өс-дүрт йәшендә ул туп-таяҡ уйнап йөрөгән. Уның асы­уын килтерһәләр, 16-17 йәшлек егеттәрҙе һуҡҡан да йыҡҡан. ...Салауатты йәш сағында йылҡы көтөргә ҡушҡандар, ти. Көтә-көтә ул ялҡып киткән. Көтөүен ташлаған да иптәштәре янына уйнарға киткән. Уйнай башлағандар. Башлаһалар, уйын­ға хан, түрә юҡ. Ханһыҙ нисек уйын булһын? Салауат: «Әйҙә­геҙ, беҙ бына шул һуҡмаҡ буйына, бер таяҡ ара ҡалдырып, маяҡ ултыртайыҡ. Үҙебеҙ атҡа атланып, шәп итеп сабып барған саҡта шул маяҡты кем ауҙара ала, шул хан булыр», – тигән. Һәр малай һанына маяҡ ултыртҡандар, һәр кем үҙ маяғын ауҙарырға булған. Сабыша башлағандар, малайҙарҙың береһе лә маяғын ауҙара алмай икән. Салауат, бүреге менән бәреп, маяғын ауҙарған. Малайҙар: – Салауат, шартты боҙҙоң бит, – тигәндәр. – Эй, һеҙ, – тигән Салауат, – бер таяҡ ерҙән ҡул менән нисек маяҡ ауҙармаҡ кәрәк? Мин һеҙҙән башлыраҡмын икән, шулай булғас, мин башлыҡ булдым, – тигән. Башта улар шулай балаларса уйнағандар. Салауат һуңы­нан ысынлап та башлыҡ булып киткән... ...Салауат биш-алты йәштәрҙә сағында әтәстәр, айғырҙар талашҡанын, кәзә, үгеҙҙәр һөҙөшкәнен, малайҙар көрәшкә­нен күҙәткән, еңеү-еңелеү сәбәптәрен һорашҡан. Үҙҙәренең берәй айғырымы, әтәсеме еңелһә, ғәрләнгән. ...Салауат моңдо бик яратҡан. Ул бик йәштән үк йырсылар йырлаған, ҡарттар әкиәт һөйләгән ерҙә булған. Шуларҙың өйөндә ҡунып та ҡалған. Шул арҡала әсәләренән күберәк шелтә алыр булған. ...Салауаттарҙың ике әтәсе булған. Береһе матур ҡысҡыр­ған, көсһөҙ булған, икенсеһе яман тауышлы булһа ла көслө булған. Салауат әтәстәрҙең батырлығын да, матур ҡысҡырыуын да яратҡан. Бер көн атаһы, шаяртып: – Йә, ҡайһыныһын ҡалдырабыҙ, – тип Салауаттан һора­ғас, ул бер нисә көн яуап бирә алмай йөрөгән. Бер көн теге матур тауышлы әтәстең сей ҡанға туҙып таланып ҡайтҡанын күргән дә: – Атай, бының моңло тауышынан бигерәк, таланып, та­уыҡтарын сит әтәстәрҙән туҙҙыртып йөрөү хурлығы ауыры­раҡ булыр. Шулай ҙа мин өйҙә юҡта һуйығыҙ, – тигән. ...Атаһы көтөүсе ялларға булһа, Салауат эште үҙ өҫтөнә алған. Ул нисек тә ҡурайсы йә йырсы кеше табырға тырыш­ҡан. Бер ваҡыт уларҙың көтөүсеһе ниндәйҙер хаталыҡ менән бер бейәне үлтергән. Ата-әсәләре быны белгәс, көтөүсегә асыуланмаҡ булғандар. Шунда Салауат: – Уның бер йыры бер өйөр йылҡы тора, – тип, көтөү­сене аралаған. ...Ауылда алты башҡорт ялланып йорт һалалар икән. Бы­ларҙың икеһе таҡта ярыу эшендә булған. Таҡтаны бик йыуан бүрәнәләрҙән ярғандар. Бер көндө шулай иң йыуан бер бүрә­нәне тәгәрәтеп, ҡоролмаға күтәреп мендерә алмай яфаланғандар. Был башҡорттарҙың алтыһы ла бүрәнәне мендерә алмай аҙапланғанда, Салауат осраған. Ул әйткән: – Ағайҙар, нишләйһегеҙ, үҙегеҙ тирләп-бешеп бөткән­һегеҙ? Башҡорттар Салауатты һанға һуғыр-һуҡмаҫ ҡына: – Күрәһең бит нишләгәнде. Бүрәнәне ҡоролмаға мендереп булмай, – тигәндәр. Ул сағында Салауатҡа ни бары ун ике йәш генә булған. Ул ике башҡортҡа бүрәнәнең ике башынан сөйлөктөрмәҫ өсөн генә тотоп торорға ҡушҡан. Ә үҙе шул йыуан бүрәнәнең уртаһынан оҙон арҡанды уратып алған да, һыңар ҡулы менән генә тар­тып, ҡоролмаға мендергән. Был башҡорттар хайран ҡалған. Алты кеше күтәрә алмаған бүрәнәне йәш малай мендергәнгә бик аптырағандар һәм оялғандар. Шунан һуң, был егет ябай кеше түгел, ысын батыр буласаҡ, тип һөйләшкәндәр һәм шул ваҡыттан алып уға батыр исемен биргәндәр. ...Бер заман Юлай старшинаға үсле кешеләр ауылға яу менән килергә сыҡҡан. Шул саҡ Салауат: – Атай, мин яуға ҡаршы барам, – тигән. – Барма, балам, йәшһең, – тигән атаһы. – Юҡ, атай, барам. Миңә ат кәрәк, – тигән ул. Атаһы ниндәй генә атты килтереп эйәрләп мендерһә лә, биле эйелә икән. «Был нишләп йәш кенә малайға аттың биле эйелә?» – тип аптыраған Юлай. Бер күк (әллә аҡбуҙмы) аттың ғына биле эйелмәгән. Шуның менән йөрөгән инде Салауат аҙаҡ. Ул сығып киткәс, халыҡ йыйынға йыйылған. Ошо ваҡыт Салауат эй ат уйнатып ҡайтып кергән, ти. Шунан халыҡ: – Салауатыбыҙ ҡайтты, батырыбыҙ ҡайтты, – тип шат­ланған, ти. Ул ваҡытта Салауат ун ике йәштә булған. Улының батыр икәнен атаһы шунан белгән инде. ...Баярҙар, заводсылар Эҫем заводын баш­ҡорттарҙан тартып алынған ерҙәренә ҡорғас, тағы ла киңәйтергә теләп, йорттар һала башлағандар. Был эште күреп, башҡорттар шаулай башлаған. Эш көндән-көн ҙурая барып, башҡорттар менән заводсылар араһында һуғыш киткән. Был ваҡыт Салауат ун алты-ун ете йәштәрҙә булған. Заводсыларға ҡаршы сыҡҡан халыҡ араһында ул да ҡатнашҡан. Үҙенең йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Салауат был ҡораллы бәрелештәрҙә батырлыҡ күрһәткән. Бөтә халыҡ уның ғәйрәтен, һәләтлеген күреп, хайран ҡалған. Ошо һуғышта ҡатнашҡан бер ҡарт ил уҙамандарын йыйып алған да: – Ҡарттар, мин һеҙгә мәслихәт итәйем әле, – тигән. – Әле генә булып үткән һуғышта Салауаттың батырлығын күреп хайран ҡалдым. Ул барып һуғыша башлаған ерҙә һис кем сыҙамай. Был баланы былай ҡороға ғына йөрөтөп, әрәм итергә ярамай, уны ил батыры яһарға кәрәк. ...Беҙҙең ата-бабаларҙың быуын-быуындан әйтеүе буйынса, Салауаттың әсәһе хәҙерге Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған булған. Юлай шунда кейәүләп йөрөгән. Салауат ун һигеҙ йәштәрендә ошонда килеп, Әй буйында ат уйнатҡан. Юлай ауылынан Ләмәҙтамаҡҡа һыбай килеп йөрөгән. Был уға бер ни ҙә тормаған. Ауылдың ейәне була инде ул. Ат уйнатҡанын кешеләр ҡарап торор булған. – Беҙҙең батыр егет! – тип, бик иғтибар биреп, һоҡла­нып ҡарағандар. Шунда йәштәр менән дә көрәшкән. Аҙаҡ, ҡартаталары белеп ҡалып, көрәштерергә бик ебәрмәгәндәр. Сөнки, үҙе лә белмәҫтән, нығыраҡ ташлап ебәргән саҡтары ла булған инде тиңдәштәрен. Ошонда Әй буйына ҡарата йырҙар ҙа сығар­ған ул. (М. Буранғолов. Сәсән аманаты. – Өфө: Китап,1995; Башҡорт халыҡ ижады, т. II: Риүәйәттәр, легендалар. – Өфө: Китап, 1997; Ватандаш, 2014. № 1). Күреүегеҙсә, Салауат образы халыҡ ижадында ябай бала итеп түгел, ә бығаса ишетелмәгән, күрелмәгән, тиңе булмаған көслө лә, батыр ҙа, буласаҡ шағирҙарға хас бай рухлы ла, нескә күңелле лә итеп кәүҙәләндерелә. …Салауат Юлаев уҡыу-яҙыуға нисек өйрәнгән, ҡайҙа ниндәй белем алған һуң? Бөгөнгә беҙгә мәғлүм сығанаҡтар нигеҙҙә 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиән­дәр һуғышы осоро менән бәйле; буласаҡ геройҙың бала сағы, тәрбиә алыуы, уҡыу-яҙыуға эйә булыуы кеүек мәғлүмәттәр был сығанаҡтарҙа үтә һаран йәки бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә. Ә Сала­уат Юлаевтың үҙ ҡулы менән яҙылған йәки ҡултамғалары ҡуйылған документтарҙың йөкмәткеләренә, стиленә, яҙылыу рәүешенә ентекләберәк иғтибар итһәк, заманының ярайһы уҡ эре уҡыу йорттарының береһендә белем алған, тиҙ яҙыу ҡеүәһенә эйә булған ҙур уҡымышлы кеше күҙ алдыбыҙға баҫыр. «Ғаилә, тәбиғәт һәм мәктәп уның тәрбиәселәре булған», – тип яҙҙы XIX быуатта Ф. Д. Нефедов. Халыҡ хәтере был һүҙҙәрҙең хаҡлығын ҡеүәтләй. Салауаттың белем алыуы тура­һындағы төрлө фараздар асылда бер тирәлә әйләнә, уларҙың бөтәһенән сығып, бер уртаҡ фекергә килергә мөмкинлек тыуа. Салауат Юлаевтың тормош юлын һәм эшмәкәрлеген үҙ заманында ныҡышмалы өйрәнгән тарихсы Ә. Н. Усманов 1940 йылғы бер мәҡәләһендә ошондай фараз тәҡдим иткәйне: «халыҡ телендә: йорттарында ҡайҙандыр килгән уҡытыусы булған икән, тигән һүҙҙәр йөрөй. Сит илдә булған, күпте күргән старшина быны эшләүе мөмкин...» («Октябрь», 1940, 9-10, 36-сы б.). Хәҙерге Силәбе өлкәһе Сулея ҡасабаһынан Хәйрулла Ибраһимов яҙмалары һәм иҫтәлектәре араһында Салауатты һәм уның тиҫтерҙәрен уҡытҡан бер кешенең исеме ҡат-ҡат телгә алына: «Ул ваҡытта хәлле кешеләр балаларын диниә назараты­ның рөхсәте менән генә уҡытырға тейеш була. Ҡазан диниә назаратынан Нәби Кәбири килеп был вазифаны үҙ өҫтөнә ала һәм уҡыта башлай. Ул һәр бер балаға мал менән хаҡ билдәләй. Был мәктәптә Салауат та була. Нәби Кәбири иң беренсе әфтиәктән башлай, ҡөрьән аяттары башҡарыла. Салауат мәктәпкә тиклем үк әсәһенән өс йыл буйы уҡый, әсәһе уҡый-яҙа белгәс, ул да дәрестән артта ҡалмай. Унан һуң инде Ырымбурҙа белем ала, тағын да юғары мәҙрәсә тамамлай...» Салауат районы Малаяҙ ауылында йәшәүсе Ә. X. Сәйфуллиндан 1973 йылда В.В. Сидоров яҙып алған бер риүәйәттә, киреһенсә: «Салауаттың һәм Юлай старшинаның бүтән балаларының уҡытыусыһы ишан Нәби Кәбири була. Ләкин Салауаттың атаһы Юлай уның менән әрләшеп, ҡыуып ебәрә. Аҙаҡ балала­рын Салауаттың әсәһе уҡыта». Йәғни, алдағы риүәйәттәрҙә Салауат тәүҙә әсәһенән, һуңынан ситтән килгән уҡытыусынан белем алһа, бында – тәүҙә унда, аҙаҡ әсәһенең ҡулында уҡый. Әммә шуныһы ҡиммәт: бер үк кешенең Салауат био­графияһына бәйле исеме төрлө төбәктәрҙә юҡҡа ғына осра­маҫтыр. Ситтән килеп уҡытыу күренеше академик И.И. Лепехиндың да иғтибарына эләгә: «Уларҙың (башҡорттарҙың – М. И.) абыҙҙары күбеһенсә Өфө йәки Ҡазан өйәҙҙәренән килгән татарҙар булып сыға», – тип билдәләй ул үҙенең яҙма­ларында (И.И. Лепехин. Дневные записи путешествий академика и доктора медицины И. Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 – 1772 гг. –СПб. 172-се б). Ихтимал, Юлай ситтән кеше яллап, Салауатҡа бала сағынан уҡ сағыштырмаса төплөрәк белем биреү маҡсатын ҡуйған­дыр ҙа, ниәте аҡланмағас, булдыҡһыҙ уҡытыусыны ысынлап та ҡыуып ебәргәндер. Әммә йәш батыр үҙ ауылында уҡыу-яҙыуға өйрәнеп ултырыу менән генә сикләнмәй, һис шикһеҙ тирә-яҡтағы ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙең береһендә белем алған. Бәлки, ул Һөйөндөк, Стәрлебаш йә Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһе булғандыр. Халыҡ телендә Салауат Юлаевтың үҫмер сағында бер нисә йыл ситтә йөрөп ҡайтыуы хаҡында легенда-риүәйәттәр теҙмәһе йәшәй. Башҡортостандың икенсе алыҫ төбәгендә уҡып ҡайтҡан йылдары күҙ уңында тотолмаймы? 1773 йылдың 30 ноябрендә атаһына Ырымбур яғынан Ғәйет Ғәбделкәрим улы артынан ебәргән бер хатында: «Мин бергә уҡыған шәриҡтәшләр илә осра­шып таныштым», – тип яҙа ул (Юлаев С. Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар. – Өфө: Китап, 1994. – 133-cө б.). Ырымбурҙан ни бары 20 саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡарғалы мәҙрәсәһендә ҡасандыр бергә уҡыған шәкерттәр менән шул яҡтарҙа осрашыу ихтималлығын иҫкә төшөрөү кәрәкмәйҙер. Хәйер, Салауатҡа ул саҡта Башҡортостандың теләһә ҡайһы төбәгендә белем алырға форсат бар ине. XIX быуат аҙағында С. Г. Рыбаков шәйләгән күренеште иҫкә төшөрәйек: «Беҙ мәсете, тимәк, мәктәбе булмаған бер генә башҡорт ауылын да осратманыҡ; бөтә Башҡортостан мәсеттәр менән тулған; был күренеш XVIII быуаттың икенсе яртыһынан башланған» (Рыбаков С. Г. Музыки и песни уральских мусульман с очерком их быта. – СПб, 1897, 291-се б.). Тимәк, төп фараз шулай: Салауат иң тәүҙә уҡырға-яҙырға әсәһенән өйрәнгән; уҡымышлы әсәһе, тәбиғи, уны мәктәпкә тиклем үк өйрәтә башлаған, унан һуң үҙ ауылындағы мәк­тәптә ситтән килгән ниндәйҙер кеше ҡулында белем алған, аҙаҡ Башҡортостандың эре мәҙрәсәләренең береһендә уҡы­ған. Салауат Юлаевтың уҡыу йорттарында алған белеме уның хәрби юлбашсылыҡ эшмәкәрлегендә, аҡыл эйәһе булараҡ уй-ҡараштарында, әҙип булараҡ шиғриәтендә асыҡ сағылыш тапҡан. Мирас ИҘЕЛБАЕВ, БДУ профессоры. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Уны Башҡортостан Республикаһының, Ырымбур өлкәһенең Мәғариф һәм фән министрлыҡтары ойоштора. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тормошо һәм ижадына арналған иң яҡшы асыҡ дәрес, уның шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы, халҡыбыҙҙың Ырымбурҙан сыҡҡан күренекле шәхестәренә һәм тыуған яҡ тарихына арналған фәнни-практик конференция, йәш шағирҙар бәйгеһе ҡаралған. Сараларҙа Ырымбур өлкәһенең мәктәпкәсә йәштәге балалары, бөтә уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша ала. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге эштәр [email protected]. электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Рауил Бикбаев көндәренең положениеһы менән ошонда танышырға мөмкин. Сара буйынса һөҙөмтәләр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтына 21 декабргә тиклем ҡуйыласаҡ. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Дәүләт думаһы тәүге уҡыуҙа күп балалы ғаиләләргә ипотека буйынса компенсация тураһында закон проектын ҡабул итте. Быйыл (йәғни 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып) ғаиләлә өсөнсө (дүртенсе, бишенсе һ.б.) балаһы тыуған заемсыларға ипотеканы өлөшләтә ҡаплар өсөн 450 мең һум аҡса бүленәсәк. Әлегә яңы закондың ғәмәле киләһе өс йылға тип ҡаралған. Әгәр ҙә ҡаҙнала аҡса булһа, бәлки уны оҙайтырҙар ҙа. Компенсацияны бүлеү механизмы түбәндәгесә: ғаилә һаны артҡан осраҡта, ғаилә банкка мөрәжәғәт итә, ә кредит ойошма - «Дом.рф» дәүләт компанияһына. Дәүләт компанияһы бирелгән мәғлүмәттәрҙе тикшерә лә, ғаилә талаптарға яуап биргән осраҡта, банк аҡсаны күсерәсәк. Әгәр кредит ойошма алдында ипотека буйынса ғаиләнең бурысы әҙерәк булһа, сумма 450 мең һумдан кәмерәк тә бирелеүе ихтимал. Компенсацияны бер нисә тапҡыр алырға мөмкин, тиелә закон проектында. Әлеге ваҡытта яңы закон проектына асыҡлыҡтар индерелә: компенсация күләме аныҡлана, кемдәргә ул тейешле икәне билдәләнә һ.б.
Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа температураһы урыны менән 12-17 градусҡаса түбәнәйә, тип хәбәр иттеләр республика синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе республикала көн болотло була. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр. Һауа температураһы көндөҙ — плюс 1-ҙән минус 4 градусҡа тиклем. Шаршамбы йәнә бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 3-8 градус һалҡын, көндөҙ — минус 4-тән плюс 1 градусҡаса. Кесаҙна бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — минус 5-10 градус, аяҙытҡанда 12-17 градусҡаса һыуыҡ. Көндөҙ — минус 1-6 градус. https://www.bashinform.ru/news/1519254-temperatura-vozdukha-v-bashkirii-ponizitsya-do-12-17-gradusov/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан төбәктәрҙә Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының яңы етәкселәре тәғәйенләнде. Тейешле документҡа ярашлы, эске хеҙмәт полковнигы Алексей Чириков Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. Билдәләп үтергә кәрәк, Барнаулда тыуып үҫкән Алексей Чириков быға тиклем Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай Республикаһы, һуңынан Калининград өлкәһе буйынса идаралыҡтарын етәкләй. Ул 1975 йылдың 26 майында Барнаулда тыуа, 1996 йылда — Өфө юғары милиция мәктәбен, 2010 йылда Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлай. 1996 йылдан алып — енәйәт-башҡарыу системаһында, Алтай крайында урта һәм өлкән етәкселек составының төрлө вазифаларында эшләй. Алтай Республикаһына тәғәйенләнгәнсе Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай крайы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй. 2019 йылдың яҙында — Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Алтай Республикаһы буйынса идаралығына етәксе, уҙған көҙ Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәте бойороғо менән Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Калининград өлкәһе буйынса начальнигы итеп тәғәйенләнә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Атаһы яғынан туғандары – йыр-моңға бик ғашиҡ кешеләр. Күптәре баянда шәп уйнай, йырлайҙар. Үҙенең бер туған апаһы менән ағаһы ла оҫта бейей. Малай ҙа уларға оҡшап, бәләкәйҙән музыканы үҙ итә башлай. Тәбиғәттән бирелгән һәләтен үҫтерергә теләп, атай-әсәй­ҙәре улдарын Уральск ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенә һуҡма ҡоралдар синыфына уҡырға бирә. Бында Мират барабанда, ксилофонда, виброфонда уйнау серҙәренә төшөнә. Уҙған йыл музыка мәктәбен тамамлай. Шуға ҡарамаҫтан, виброфонда шөғөлләненеүен дауам итә. Был музыка ҡоралы шуныһы менән үҙенсәлекле: ҡул менән дә, аяҡ менән дә уйнайһың. Музыка ҡоралдарынан тыш, Мират Ғариповтың оҫта бейеүе лә һоҡландыра. Бәләкәйерәк сағында яңғыҙ бейегән, хәҙер күбеһенсә Гөлиә һәм Фәтих Кәримовтар етәкләгән өлгөлө «Ирәмәл» бейеү ансамбле менән сығыш яһай. Уральск мәктәбендә уҡыуҙа ла һынатмай ул. Үҙе «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Былтыр Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбендәге робот техникаһы буйынса лагерҙа ял итеп ҡайт­ҡандан һуң, малайҙың ошо шөғөлгә лә ҡыҙыҡһыныуы уянған. Шуға был уҡыу йылында Учалы ҡалаһына барып, түңәрәктә шөғөлләнергә теләй. Шахмат менән мауығыуын да әйтеп китмәйенсә булмай. – Бик ҡыҙыҡһыныусан, күпте белгеһе килә. Ниндәй эш ҡушһаң да, еренә еткереп үтәргә тырыша. Тыныс, һәр ваҡыт йылмайып, ниндәйҙер ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләп, ғаиләне көлдөрөргә генә тора. Инәйемде ҡарарға ла булыша. Ул бик оло инде, 85 йәштә. Мал-тыуар тәрбиәләшә. Үҙе хайуандарҙы бик ярата. Берәҙәк бесәй, көсөктәрҙе, асығаларҙыр, тип йәлләп, өйгә алып ҡайтып бер була. Малай булһа ла, күңеле бик нескә, – ти улы хаҡында әсәһе Әлфиә ханым. Ә ни өсөн республика Башлығы стипендияһын ала, тип уйлайһығыҙ­ҙыр? Уңыштары ла күп кенә уның. Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған «Нур» халыҡ-ара башҡорт мәҙәниәте фес­тивалендә ҡатнашып, ансамблдәре менән Гран-при яулағандар, ксилофон буйынса Бөтә Рәсәй бәйгеһендә еңеүсе булған. Учалы, Өфөлә ҡалала­рында уҙған конкурстарҙа ла һынатмаған. Уңышлы булыу өсөн эшһөйәр, ныҡышмал, аҡыллы, уйлап табыусан булырға кәрәк, ти егет. Уй-хыялдары хаҡында һорашҡас: – Их, киләсәктә музыка менән роботтарҙы бәйләгән һөнәр булһа, ҡай­һылай шәп булыр ине, – тип белдер­ҙе. Күренеп тора: Мираттың сәнғәттән айырылғыһы килмәй, йәнә үҙенә робот «ене» лә ҡағылған. Уңыштар теләйек һәләтле башҡорт егетенә! Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА. Учалы районы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Лайыҡлы быуын тәрбиәләү йәм­ғиә­тебеҙҙең именлегенең төп шарт­та­рының береһе булып тора. Шуға күрә властың мөһим бурысы – граж­дан­дарҙың Конституция хоҡуҡтарын һәм хәүефһеҙ тормошон яҡлау. Һәр кеше үҙенең хоҡуҡтары боҙол­мауын, шундай уҡ үҙен яҡланған итеп тойорға теләй. Беҙҙе уратып алған кешеләрҙең күп өлөшөнөң тәртипле граждандар булыуына ышанғыбыҙ килә. Ләкин донъяла даими рәүештә төрлө енә­йәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар булып тора һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ара­һында балиғ булмағандар ҙа бар. 2020 йылдың 11 айында район биләмәһендә балиғ булмағандар тара­фынан 8 енәйәт ҡылынған. 20 үҫмер административ яуаплылыҡҡа тарт­тырылған, уларҙың 8-е - спиртлы эсемлектәр эскән өсөн... Эйе, тормошта төрлө хәлдәр була. Уйламағанда ғына ниндәйҙер енә­йәтсенең йәки мутлашыусының ҡор­баны булыу хәүефе юҡ түгел. Килеп тыуған ауыр хәлдән сығыу юлын эҙлә­гәнсе, бәләне алдан иҫкәртеү күпкә еңелерәк. Үҫмерҙәр ҡыйыш юлға баҫыуының сәбәптәре күп төрлө. Ләкин закондарҙы белмәү уларҙы яуаплылыҡ тотоуҙан азат итмәй. Рәсәй Федерацияһының Енәйәт­тәр кодексының талаптарына ярашлы, үҫмерҙәр 16 йәштән алып яуап­лы­лыҡ­ҡа тарт­тырыла. Ә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр хоҡуҡ боҙған осраҡта яуап­лылыҡ уларҙың ата-әсәләренә һалына. Ә инде яуыз хулиганлыҡ, шулай уҡ тән йәрә­хәттәре һалыу, урлашыу, көсләү, үлтереү кеүек енәйәттәр өсөн үҫмерҙәр 14 йәштән үк хөкөм ителә. Һәр ҡылыҡ өсөн яуап тоторға кәрәклекте иҫтән сығармайыҡ. Бар­лыҡ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың сәбәбе - законды ихтирам итмәү. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, енәйәт ҡылып, һеҙ законды ғына боҙоп ҡалмайһығыҙ, ә үҙегеҙҙең туғандарығыҙ һәм яҡын­дарығыҙға ла ауырлыҡ килтерәһегеҙ. Фәнүзә Мөхәмәтҡолова, полицияның участковый уполномоченныйҙары һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция майоры. фото Башинформ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Һуңғы ике йылда “Экология” милли проекты аша республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған Урман янғыны үҙәгенә янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары күпләп алына, әммә үҙебеҙ һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәмәһәк, йәшел ҡалҡанды был техника менән ҡотҡарып алып ҡалыу еңелдән булмаясаҡ.#национальныепроекты “Авиалесохрана” федераль бюджет учреждениеһының Рәсәй урмандарындағы янғын хәүефе тураһындағы фаразы буйынса, Башҡортостандың урмандарында май-июнь айҙарында ут сығыу хәүефе юғары. Ғәҙәттәгесә, май-июндә халыҡ урманда ял итергә ашыға, был иһә янғын сығыу хәүефен арттыра. Шул уҡ ваҡытта ошо осорҙа урмандарҙа рекреация эшмәкәрлеген алып барыу, ял итеү, туристик туҡталҡалар ҡороу һәм башҡа эшмәкәрлек дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары менән килешеү нигеҙендә генә рөхсәт ителә. Күреүебеҙсә, быйыл ҡар күп булһа ла, ул тиҙ ирей, был иһә урман янғындарының иртә башланыу хәүефен көсәйтә. Урманда ут ҡабынмаһын өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим: ут яндырыу, янған шырпыны, тәмәке төпсөгөн ырғытыу, майлы йәки тоҡаныусан әйбер һеңгән сепрәкте ташлау, двигатель багына яғыулыҡ ҡойоу, төҙөк булмаған машинаны файҙаланыу, шешә йәки быяла ярсығын ҡалдырыу, ағас төбөндә, яланда, аҡланда үлән яндырыу, йәш ылыҫлы ағастар араһында, торфлы һаҙлыҡта, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үлән булған урындарҙа усаҡ яғыу тыйыла. Ут яғырға тура килгәндә лә уны һуңынан тупраҡ менән күмеп йәки һыу һибеп, тулыһынса һүндерергә кәрәк. Урман янғындарын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 телефонына йәки Урман һағының берҙәм федераль телефонына 8-800-100-94-00 шылтыратырға кәрәк, шулай уҡ ут сығанағын һүндереү буйынса мөмкин тиклем сара күрергә кәрәк. Шулай уҡ Google play, App Store, Windows Store аша “Урманды һаҡлағыҙ” мобиль ҡушымтаһын күсереп алып, урман һағы менән бәйләнешкә инергә мөмкин. Һуңғы ике йылда “Экология” милли проекты аша республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған Урман янғыны үҙәгенә янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары күпләп алына, әммә үҙебеҙ һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәмәһәк, йәшел ҡалҡанды был техника менән ҡотҡарып алып ҡалыу еңелдән булмаясаҡ.
Нисек кенә булмаһын, ошо кешеләр 90 төркөм булып ял итергә барған, шул иҫәптән 73 - һыуҙа, ә 17 - йәйәүләп. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Амман урамдарында иорданлылар Мүәз әл-Касасбехтың үлеменә ҡайғырып илай. Шишәмбе асыҡланыуынса, Иордания Хәрби Һауа көстәре пилоты “Ислам дәүләте” төркөмө тарфынан тереләй яндырылған. Интернетта пәйҙә булған видеола шул күренә: тимер ситлек эсендәге ҡыҙғылт-һары кейемдәге иорданлыны боевиктар яндыра. “Евроньюс” был ҡот осҡос кадрҙарҙы күрһәтеүҙе кәрәк тапманы. Иордаиня телевидениеһы хәбәр итеүенсә, яза 3 ғинуарҙа уҡ атҡарылған. Иордания пилоты боевиктарға әсирлеккә декабрь аҙағында уҡ эләккән. Ул идара иткән “Ф-16” истребителе Сүриәнең Ракка ҡалаһында һәләкәткә осраған- был халыҡ-ара коалиция сиктәрендәге Иордания Хәрби һауа көстәренең рейды булған. Ваҡиға илде шаҡ ҡатырҙы, оппозицияның ҡайһы бер сәйәсмәндәре властарҙан АҠШ ойошторған исламға ҡаршы альянстан китергә саҡыра. Иордания властары пилотты азат итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә вәғәҙә биргәйне. Боевиктар Аммандан пилотҡа алмашҡа террорист ҡатын Сажидә әр-Ришауиҙы азат итеүҙе талап иткәйне. Уны 29 ғинуарҙа ҡояш батҡансы Төркиә сигенә килтереп еткермәгән хәлдә, боевиктар иорданлыны үлтерергә вәғәҙә биргәйне. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Баҡса еләге – бик наҙлы үҫемлек. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, ауырыуға һабышып, беҙҙе татлы емешһеҙ ҡалдыра ла ҡуя. Баҡса еләге – бик наҙлы үҫемлек. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, ауырыуға һабышып, беҙҙе татлы емешһеҙ ҡалдыра ла ҡуя. Шуға иртә яҙҙан баҡса батшабикәһенә иғтибарлы булырға кәрәк. Тәү сиратта еләктең һәйбәт сортын һайлағыҙ, агротехника тураһында онотмағыҙ. Быларҙан тыш, еләккә һауа торошо ҙур йоғонто яһай. Тап һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе, һыуыҡтар һәм ямғыр ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булып тора ла инде. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 22 май һанында уҡығыҙ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө нефть эшкәртеү комплексының эше менән танышты. «Башнефт»тең генераль директоры Хәсән Татриев компанияның етештереү эшмәкәрлеге һәм инвестиция проекттары хаҡында һөйләне, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы. Республика һәм нефть компанияһы араһында «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалында – «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы»нда элементар көкөрт етештереү ҡулайламаһының резерв технологик линияһын төҙөү буйынса инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Объектты сафҡа индереү көкөрт һәм башҡа зарарлы матдәләр аҙ булған Евро-5 һәм Евро-6 юғары сифатлы мотор яғыулығын сығарыу һөҙөмтәһендә «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы» филиалының етештереү ҡулайламаларында барлыҡҡа килгән көкөртлө-водородлы газды үтилләштереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш. Был иһә нефть эшкәртеү комплексының етештереү ҡулайламаларының һауаға кире йоғонтоһон кәметә. Инвестиция килешеүе шарттары буйынса, «Башнефть» проектты финансларға һәм яңы производствола өҫтәмә эш урындары булдырырға бурыслы. Технологик линия төҙөлөшөн 2023 йылдың майында тамамлау планлаштырыла. «Тәжрибә күрһәтеүенсә, Башҡортостан хөкүмәтенең һәм «Башнефт»тең беҙ һайлаған үҙ-ара эш итеү формаһы һөҙөмтәле булып тора. Шуға ла киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ. Иҡтисади хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, «Башнефть» үҙенең инвестиция программаһын туҡтатмай, ә киреһенсә, уны 10 проценттан ашыуға арттыра, шуның өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров. Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Башҡортостанда быйыл республиканың 600 миллион һумлыҡ ярҙамы менән 615 лифт алмаштырыла. Ошо хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов хәбәр итте. Башҡортостандың төбәк операторы 303 лифтты өс йылға бүлеп түләү менән шарты алмаштыра. Республика капиталь ремонт программаһы ғәмәлдә булған осорҙа 2014 йылдан 2018 йылға тиклем төбәктә 1100 лифт алмаштырылды, шуларҙың яртыһынын ашыуы – өс йылға бүлеп түләү менән. Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, 2018 йылда ғына Башҡортостандың күп фатирлы йорттарында – 600, шул иҫәптән Өфөлә 334 иҫке лифтты алмаштырҙылар. Бер лифтты алмаштырыу хаҡы яҡынса 2 миллион һум тәшкил итә. http://www.bashinform.ru/news/1285328-v-bashkirii-v-etom-godu-zamenyat-615-liftov/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Бөгөн Өфөлә йәмәғәт транспортында битлек һәм бирсәткә кейеү режимының үтәлеү-үтәлмәүен тикшереү буйынса рейд үтте. Бөгөн Өфөлә йәмәғәт транспортында битлек һәм бирсәткә кейеү режимының үтәлеү-үтәлмәүен тикшереү буйынса рейд үтте. Коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Указы менән йәмәғәт урындарында инфекциянан һаҡланыу саралары тәртибен индергәйне. 1 июндән ҡайһы бер сикләүҙәр алынһа ла битлек һәм бирсәткә кейеү режимы үҙ көсөндә ҡалды. Йәмәғәт урындарында һаҡланыу сараһының был талабын үтәмәгән ябай граждандарға штрафтар – бер меңдән өс мең һумғаса, ә ойошмаларға 50–100 мең һум арауығында билдәләнгән. Ҡабатлап боҙоуға юл ҡуйғандар өсөн штраф ике тапҡырға юғарыраҡ ҡаралған. Бөгөнгө рейд барышында 11 административ протокол төҙөлгән. Бындай тикшереүҙәр даими алып барылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Кеше умыртҡаһының 4-5 умыртҡанан торған түбәнге өлөшө; ҡоштоң ҡойроҡ һөйәге. Миҫалға: Ҡоймос тәңгәле. Тауыҡтың ҡоймосо. Ҡашаға. Төп мәғәнәһе яҡшы билдәле, ул - усаҡ-мейестең ауыҙы өҫтөндәге һикәлтә. Миҫал: Бейек ҡашаға. Ә “өрлөккә мейес өҫтөнә буйлатып ҡуйылған тар шаршау” мәғәнәһендә һөйләштәргә хас. Миҫал: Ҡашаға ҡороу. Диалекттарҙа шулай уҡ күлдәк-камзулдың итәгенә баҫҡан таҫманы ла “ҡашаға” тиеү осрай. Миҫал: Күлдәк итәгенә ҡашаға баҫылған. Ҡашан. “Ҡашан” ҡайһы бер төбәктә “дыуамал” тигән һүҙ урынында йөрөй. Ҡашан кеше. Ҡибланма. Элек “компас” тигән һүҙҙе “Ҡибланма” тигәне менән дә белдергәндәр. Миҫалға: Ҡырағай урманға ҡибланма менән сығыу хәйерле. Ҡибланма көньяҡты күрһәтә.
Балалар ижад йортонда ”Ҡурай сәскәһе” тип аталған район байрам-фестивале уҙҙы. Унда район мәктәптәренән 15 ижади коллектив ҡатнашты. Балалар ижад йортонда ”Ҡурай сәскәһе” тип аталған район байрам-фестивале уҙҙы. Унда район мәктәптәренән 15 ижади коллектив ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты һәм бурысы – уҡыусыларҙа тыуған төбәктең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен, телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу, патриотизм һәм илебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү ине. Ижади коллективтар, йырҙар, бейеүҙәр, уйындар, хикәйәләр, шиғырҙар, риүәйәттәр, халыҡ йола байрамдарын ҡулланып, районыбыҙ халыҡтарының күп яҡлы донъяһын сағылдырыусы тамашалар әҙерләне. Баҡалы, Тоҡтағол, Мостафа, Яңы Илек мәктәптәре коллективтары тыуған яҡтың бөйөклөгө, халыҡтар дуҫлығы тураһында һөйләне. Иҫке Ҡорос, Михайловка, Баҡалы мәктәптәре мари, татар, сыуаш, башҡорт бейеүҙәрен башҡарҙы. Анжела һәм Луиза Якуниналар (Яңы Маты), Л.Маркова (Үмәр) шиғыр-ҙар, бейеүҙәр, керәшен йырҙарын бүләк итте. Иҫкематылылар һәм иҫкекәстәйлеләр рус халҡы мәҙәниәте һәм сәнғәтенең ма-турлығын данланы. Ҡуштирәк мәктәбе коллективы – “Аулаҡ өй”, Туҡбирҙе – “Сәскәләр байрамы”, Ҡаҙансы мәктәбе коллективы рус йола ҡурсаҡтарын күрһәтте. Ҡатайлылар сығышында яңғыраған ҡурай, ҡумыҙ тамашасылар күңеленә хуш килде. Барлыҡ коллективтар мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
- Беҙ ғаилә ҡиммәттәрен ны­ғытыу өсөн бөтәһен дә эш­ләйәсәкбеҙ. 2023 – 2024 йылдарға халыҡ һанының тәбиғи артыуына ирешергә тырыша­саҡбыҙ. Ғаилә­ләргә ярҙам буйынса әҙерләнгән саралар ҙа бар. Беренсенән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 1,5 йәшкә тиклем түләнә торған пособиены күтәрергә тәҡдим итәм. Икенсенән, быйыл 1 июлдән инвалид балалар өсөн түләүҙе 10 мең һумға тиклем еткерергә. Өсөнсөнән, балалы ғаиләләр һалымды ла әҙ түләргә тейеш. Бындағы принцип: балалар ни тиклем күп - һалым да шул тиклем әҙ. Күп балалы ғаиләләргә күсемһеҙ милек өсөн һалымды федераль льгота иҫәбенә кәметергә һәм һәр балаға фатирҙа – биш, йортта ете квадрат метр майҙанды иҫәпләп, һалымдан азат итергә. Мәҫәлән, ғаиләлә өс бала булһа, фатирҙың 15 квадрат метрына (йорттоң 21 кв. м) һалым һалынмаясаҡ. Күп балалы ғаиләләрҙе алты сутый ер һалымынан азат итергә тәҡдим итәм. Дүртенсенән, ғаиләлә икенсе һәм унан һуңғы бала тыуған осраҡта ипотека ташламаһы бар. Ул банкыға бурыс түләнеп бөткәнсе ҡалырға тейеш. Ипотекалы ғаиләлә өсөнсө йә унан да күберәк бала тыуғанда федераль ҡаҙнанан 450 мең һум кредитты ҡаплау мөмкинлеге булдырырға. Был эште ошо йылда башларға. 2021 йылға яслегә урынлаштырыу проблемаһын бөтөрөргә тейешбеҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республикала “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарында маҡсатҡа ярашлы эш бара. Билдәле булыуынса, милли проект үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”. Уларҙың ошо уҡ атамалағы төбәк проекттары тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сираттағы кәңәшмәлә белдереүенсә, йыйылған ашлыҡтың сифатлы һаҡланыуын тәьмин итеп, экспорт буйынса маҡсатлы индикаторҙарҙы үтәү өсөн элеваторҙарҙың матди-техник базаһы яңыртыласаҡ. Был йәһәттән эш бер нисә урында бара ла инде. Башҡортостан власы 2019 йылда ауыл хужалығы продукциялары экспорты күләмен былтырғыға ҡарағанда 19,3 процентҡа арттырырға иҫәп тота. Быйыл ситкә сығарыласаҡ продукцияла ашлыҡ өлөшө 40-50 процент тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Былтырғы күрһәткестәргә килгәндә, республикала агросәнәғәт экспорты күләме 76,3 миллион долларға еткән. Уның төп өлөшөн ашлыҡ (47,8 процент), көнбағыш һәм рапс майы (23,9 процент), һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал (11,8 процент), шәкәр (6,6 процент) һ.б. тәшкил иткән. География байтаҡ киң – Латвия, Иран, Мысыр, Ҡаҙағстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны. “Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты паспортына ярашлы, 2024 йылға экспорт күләменең индикатив күрһәткесе – 230 миллион доллар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Юғарыға ос!» өсөнсө мәктәп форумы асылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров форумда мәғариф системаһы өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне. Былтыр апрелдә бөтә мәктәптәр дистанциялы уҡытыуға күсте. Ул ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, үҙ бурысын лайыҡлы башҡарған уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе. Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Юғарыға ос!» өсөнсө мәктәп форумы асылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров форумда мәғариф системаһы өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне. Былтыр апрелдә бөтә мәктәптәр дистанциялы уҡытыуға күсте. Ул ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, үҙ бурысын лайыҡлы башҡарған уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе. «Теүәл бер йыл һәм өс ай элек беҙ дистанциялы белем алыуға күскәйнек, бөгөн һәммәгеҙгә ошо йыл өсөн рәхмәт әйткем килә. Йыл бик ҡатмарлы булды, ләкин һеҙ бирешмәнегеҙ. Һеҙгә нисек ауыр булғанын аңлайым, онлайн-платформалар сыҙаманы, уҡытыу ҡыйынға төштө. ләкин һеҙ дистанциялы белем биреү системаһын бик тиҙ яйға һалып, 1,5 миллиондан ашыу дәрес үткәрҙегеҙ. Шуныһы мөһим: дистанциялы уҡытыу яңы мөмкинлектәр донъяһын асты», — тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, белем биреүҙең сифаты бик мөһим, быйылғы «Юғарыға ос!» форумының төп темаһы ошо. Тағы бер мөһим бурыс – Берҙәм дәүләт имтиханын сифатлы итеп үткәреү, ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау. Республика хәҙер йәшел зонаға ҡарай (имтихан ғәҙел һәм объектив уҙғарылған төбәктәр), ул ошо позицияһын һаҡлап ҡалырға тейеш. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығына уҡытыусыларҙы артыҡ күп ҡағыҙ тултырыу эшенән ҡотолдорорға ҡушты. Республикала «Мәғариф» милли проекты һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыла. Мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәләре»н асыу йәһәтенән Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй, улар 200-гә яҡын, ә 2024 йылға 813-кә еткерергә кәрәк. Форум башланыр алдынан Радий Хәбиров мәғариф системаһы өсөн инновациялы эштәр ҡуйылған экспозиция менән танышты һәм иң яҡшы уҡытыусыларҙы республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Уларҙың тормошонда, бәлки, бынан да мөғжизәлерәк Яңы йыл байрамы булмағандыр. Баласаҡ бәхетен етемлек урлаған. Әле бына үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда ла атай-әсәй терәгенә, өй йылыһына мохтажлыҡтары үҙәктәрен өҙөп-өҙә. Үҙ-үҙен ҡурсаулы, тыныс тойһон өсөн кешегә баш өҫтөндә ҡыйыҡ, ыжғыр елдәрҙән ышыҡланыр мөйөш кәрәк. Дәүләт хәстәрлеге менән Яңы йыл алдынан 7 кеше өр-яңы йорттарҙан торлаҡ асҡысы алып һөйөндө. Район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендәге Иншар Солтанбаев урамы фәҡәт социаль йорттарҙан тора. Былтыр Яңы йыл байрамы алдынан бында өс йәш кеше өй туйлаһа, бер йыл эсендә тағы ла 7 йорт ҡалҡып сыҡҡан. Әүнәш ауылынан бер туғандар Алина Ишбаева һәм Регина Ҡаһарманова, Исхаҡтан Азат Сөнәғәтов күршеләр булып донъя көтә башлаясаҡ. — Бөгөн район тормошондағы иң шатлыҡлы көндәрҙең береһе тип ышаныслы әйтә алам. Был ваҡиға беҙҙең илдең ярҙамға мохтаждар тураһында хәстәрлек күреүсе социаль дәүләт булыуына ышандыра. Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы 10 йыл уңышлы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы Әбйәлилдә 89 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусы граждан өйлө булды. Шуларҙың 15-е быйыл торлаҡ менән тәьмин ителә, — тине район башлығы И. Т. Нафиҡов. Яңы йортҡа буш ҡул менән килмәйҙәр — йәштәрҙе подрядсы Ансар Өмөтҡужин нигеҙҙәрегеҙ ҡотло, ырыҫлы булһын тигән ихлас теләктәргә ҡушып, бүләкләп китте. Әйткәндәй, Ансар Рафиҡ улы был дәүләт программаһы буйынса бихисап йорттар төҙөгән. Намыҫлы, яуаплы төҙөүсе булараҡ ышаныс һәм хөрмәт ҡаҙанған. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда, республиканың башҡа төбәктәренән айырмалы, етемдәр өр-яңы торлаҡ менән тәьмин ителә. Ҡыҙыл таҫмалар киҫелгәс, хужалар артынан йорттарға үттек. Азат юғары белемле медицина белгесе, Бүздәк районында эшләй һәм шунда уҡ ғаиләһе менән ҡәйнә йортонда йәшәй. Асҡыс тапшырыу тантанаһына ул тыуған яғына кәләше Алһыу һәм 2 йәшлек улы Ильясты ла алып ҡайтҡайны. Йәшәргә урындары булғас, бөтөнләйгә был яҡтарға күсеп ҡайтыуҙы йәһәтләмәкселәр. Ғаиләлә ишәйеү ҙә көтөлә. Апалы-һеңлеле Алина һәм Регина икеһе лә МДТУ-ны тамамлаған, әлеге көндә Силәбе ҡалаһындалар. Алина һөнәре буйынса логопед, кейәүгә сығып, тормош иптәше менән ул үҫтерә, декрет ялында. Регина Көньяҡ Урал дәүләт университетында уҡытыусы булып эшләй. Район йәштәргә ҡурсаҡ йортондай өйҙәр төҙөп биреү менән бер юлы ике ҡуянды ата, юғары белемле белгестәр Әбйәлилгә лә кәрәк бит. Ошо уҡ биҫтәнең М. Мирсәйәпов урамында ике хужаға иҫәпләнгән төҙөлөш буйынса эшләүсе эшҡыуар Сабир Ғилманов төҙөгән социаль йорт файҙаланыуға тапшырылды. Бында ут күршеләр булып Күсем руднигы егете Александр Доронин менән Әбдрәштән Зимфира Шәмсетдинова йәшәйәсәк. Сабир Таштимер улы бригадаһы төҙөгән тағы бер күркәм, яҡты йорт Дауыт ауылында сафҡа инде. Фатир асҡыстары Ишҡолдан бер туғандар Рөстәм Дилмө-хәмәтов һәм Мәүлиҙә Ирғәлиеваға тапшырылды. Ғаилә ҡороп, өсәр балалар үҫтергән туғандарға татыу күршеләр булып, бергә-бергә имен-һау йәшәргә яҙһын! Г. ИЛЬЯСОВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде. Конституция 1993 йылдың 25 декабрендә рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде. Рәсәй Конституцияһы 1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән ҡабул ителде. Рәсәй Президенты Указы буйынса 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде. Конституция 1993 йылдың 25 декабрендә рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инде. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы юғары юридик көскә эйә һәм бөтә илдә ҡулланыла. Рәсәйҙә ҡабул ителгән закондар һәм башҡа хоҡуҡи акттар Конституцияға ҡаршы килергә тейеш түгел. Конституцияның махсус данаһының тышы ҡыҙыл төҫтә варандың йоҡа тиреһенән эшләнгән, тышлығында — Рәсәйҙең көмөш гербы төшөрөлгән һәм алтын менән «Рәсәй Конституцияһы» тип яҙылған. Егерме йыл буйына 12 декабрь ял көнө булды. 2005 йылдың 1 ғинуарынан был көн эш көнө тип иҫәпләнә. 2005 йылдың июлендә Рәсәй Конституцияһы көнө иҫтәлекле даталар исемлегенә индерелде. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Гөлдәриә икенсегә әсәй булырға йыйына. Тәүгеһе малай. Уныһына дүрт йәш. Икенсеһен дә малай була, тинеләр. Хәҙер бит элекке кеүек, кем тыуыр, ҡасан тыуыр, тигән фараздар менән йәшәү бөттө. Япон аппараттары баланың кемгә оҡшап тыуырын да хатта билдәләй ала, тиҙәр. Ләкин әсә кешегә уныһы иң мөһиме лә түгел. Сабый имен-һау, бөтә ағзалары ла, аҡылы ла теүәл булһа – шул еткән. Гөлдәриә икенсегә әсәй булырға йыйына. Тәүгеһе малай. Уныһына дүрт йәш. Икенсеһен дә малай була, тинеләр. Хәҙер бит элекке кеүек, кем тыуыр, ҡасан тыуыр, тигән фараздар менән йәшәү бөттө. Япон аппараттары баланың кемгә оҡшап тыуырын да хатта билдәләй ала, тиҙәр. Ләкин әсә кешегә уныһы иң мөһиме лә түгел. Сабый имен-һау, бөтә ағзалары ла, аҡылы ла теүәл булһа – шул еткән. Эштә Гөлдәриәнең әсәһенә тиңдәш Зөлфиә апай бар. Бигерәк хәстәрлекле кеше инде, рәхмәт яуғыры. Бына шул Зөлфиә апай, тәжрибәле кеше булараҡ, Гөлдәриәгә бер көн үҙенең кәңәштәрен бирергә булды: – Тәүгең малай бит, быныһын мотлаҡ ҡыҙ итеп табырға тырыш… Малайҙарҙан ней файҙа? Уларҙы үҫтерәһең-үҫтерәһең дә, әллә ниндәй килен тоҙағына эләгеп китәләр ҙә баралар. Әйтерһең, шул бумала баш уны үҫтереп алған. Тапҡан аҡсаһының һәр тинен түкмәй-сәсмәй шул бисураға ғына алып ҡайтып бирә. Улар өсөн һин бар ней ҙә, юҡ ней. Былтыр 8 мартҡа минең улым мыҫҡыл итеп, ялтлап торған тун алып килгән булды. Миңә нимәгә инде ул? Аҡсаһын ғына биреп ҡуймай! Уларҙы кем белһен, бәлки ҡәйнәһенә алған булғандыр ҙа, уныһы оҡшатмай, бигерәк арзан, йә ней, тип кәпризләнһә, миңә бата, тигәндәрҙер. Ә ҡыҙҙар әсәйгә серҙәш тә, әхирәт тә була. Эштән ҡайтыуыңа сәй ҡайнатып, иҙәндәрҙе һепереп ҡуялар. Ҡайһылай шәп! Әҙерҙе ашап, эсеп ятыуҙарға бер ней етмәй ул! Шуға, һеңлем, мотлаҡ ҡыҙ ғына табырға тырыш, йәме! Ҡартайғас, үҙеңде бөтөнләй устарында ғына йөрөтөрҙәр, бына мин әйтте, тиерһең. Әнә, минең күрше Мәүлиә әбейҙең ҡыҙҙары гелән килеп, әсәләрен йыуындырып, сәсенә тиклем буяп, тырнаҡтарына тиклем киҫеп, донъяһын таҙалап, ҡаралты-маҙарын йыуып, үтекләп ҡайтып китәләр. Бер көн күршемде танымай ҙа торам, мәйтәм, йәшәреп, йөҙҙәре алланып ҡалған! Һәпрәһе ҡойолоп, аяғын саҡ һөйрәп, тишек биҙрәһен тотоп, сүп-сар түгергә сыҡҡанында ғына күрешеп тора торғайны. Әҙерәк кеше рәтенә ингәс, күршекәйем, йүгереп килеп тә ингән. Ә малайҙарҙан һуң?.. Ит изгелек, көт яуызлыҡ ҡына… Һин әйт тә мин көй, тигәндәй… Шулай матур кәңәштәрен биреп кенә ултырғанда, уны бүлдереп телефон шылтыраны. Зөлфиә апай трубканы алды: –Әсәй?! Ниңә бында шылтыратаһың? Ҡайт, тиһеңме? Нишләп, сирләп киттеңме әллә, әсәкәйем? Ә, бөтәһе лә яҡшымы? Ниңә аҡса әрәм итеп шылтыратаһың һуң әтеү? Һағындыңмы ни? Юҡ шул, эштән ебәрмәйҙәр… Һуң, әсәй, яңыраҡ ҡына ҡайтып, өйөңдө йыуып киттем бит. Нимә? Уже уға өс йыл үттеме ни? Үтһә һуң! Мин дә бит бында ял итеп ятмайым, эшләп йөрөйөм. Донъям да, ғаиләм дә бар. Ауылда яныңда ғына ике ағайым, еңгәләрем бар. Еңгәләр үҙеңде яратып ҡына, тәрбиәләп кенә торалар ҙа баһаң! Һуң, әсәй, юҡ, әлегә ҡайта алмайым. Был отпускымда улым киленкәйем менән Төркиәгә алып барабыҙ тип торалар. Ялды ла әллә бирәләр, әллә юҡ бит әле. Мужыт бирмәҫтәр ҙә. Юҡ, бирмәйҙәр шул! Ваҡыт юҡ, әсәй, беҙҙең бында совещание… Ярай, һау бул, әсәй, мыжыма. Яңғыҙ түгелһең бит, үлһәң ней хәбәр итерҙәр, ҡайтырмын. Давай, бүтән минең ваҡытты алып, эшкә шылтыратма… Һуңғы һүҙҙәренән һуң бөтөнләй буҙарынған Зөлфиә апай: –Ҡайҙа туҡталғайным әле? –тип алан-йолан ҡаранды ла, кабинеттан сығып уҡ китте. Ә Гөлдәриә, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, бер нәмә лә аңламаған төҫ сығарып, ултырғысына иркенләберәк ултырҙы ла, бүлтәйеп сыҡҡан ҡорһағын һыйпап ҡуйҙы. Рәзилә Ырыҫҡужина. Фото: интернет. https://shonkar.rbsmi.ru/articles/k-l-m-st-r/Yar-amsi-Yumoreska-88721/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашыу барышында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, һорауға яуап биреп, быйыл август-сентябрҙә Рәсәйҙә COVID-19 вирусынан вакцина барлыҡҡа киләсәк, тине. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашыу барышында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, һорауға яуап биреп, быйыл август-сентябрҙә Рәсәйҙә COVID-19 вирусынан вакцина барлыҡҡа киләсәк, тине. Министр вакцина булдырыу буйынса эштең бер нисә йүнәлештә барыуы, улар араһында биш өлгөнөң айырыуса перспективалы булыуы хаҡында әйтте, ике-өс аҙнанан клиник һынауҙар башланасаҡ, тип белдерҙе. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ауылдарҙа гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә: уңған хужабикәләр үҫтереп алған ҡаҙҙарын таҙартып алһа, артабан уның йөнөнән мендәрҙәр эшләүгә тотона. Ауылдарҙа гөрләп ҡаҙ өмәләре үтә: уңған хужабикәләр үҫтереп алған ҡаҙҙарын таҙартып алһа, артабан уның йөнөнән мендәрҙәр эшләүгә тотона. Әммә һуңғы ваҡытта күптәр ҡаҙ мамығын ательеға барып таҙартыуҙы өҫтөн күрә. Шулай ҙа күптәр элеккесә, инәй-өләсәйҙәребеҙ өйрәткәнсә, уларҙы үҙҙәре йыуып, таҙа һәм күпереп торған ҡаҙ мамығын кәпрәндәргә тултырып, кәрәкле размерҙа йомшаҡ мендәрҙәр яһай. Күп хужабикәләр яңы ҡаҙ мамығынан эшләнгән мендәрҙәрҙе ҡыҙҙарының бирнәһенә тип һалып та ҡуя. Ҡаҙ мамығын йыуыу өсөн ике ҡат марля йәки бәз туҡыманан тышлыҡ тегергә һәм ҡаҙ йөнөн шунда тултырырға кәрәк. Йөн кейеме йыуа торған порошок йәки кер һабыны һалынған һыуҙа ике сәғәт тоторға. Артабан шампунь һалып сайҡатырға, аҙаҡ һыуыҡ һыуҙа бер нисә тапҡыр сайҡарға һәм таратып киптерергә кәрәк. Ҡояшлы көндә йыуғанда, бигерәк тә яҡшы. Шулай уҡ ҡаҙ мамығын ҡайһы бер хужабикәләр йыуғандан һуң, таҙа тышлыҡҡа яңынан тултырып, бер нисә аҙна буйы тышҡа элеп ҡуя. Был осраҡта ла йөн кибә. Әйткәндәй, иҫке мендәрҙәрҙең мамығын да шулай итеп таҙартырға мөмкин. Мендәрҙәрегеҙ күпереп торһон, йоҡоларығыҙ татлы булһын! Фото: Ирекле сығанаҡтан. Автор: Кәрима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/a-mami-in-nisek-yiuir-a-560019/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың РФ Федераль йыйылышына мөрәжәғәтнамәһе 15 ғинуарҙа була.#Путин РФ Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен әҙерләү буйынса булған эшлекле кәңәшмәләренең береһен үткәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был сара 15 ғинуарҙа үтәсәк. Был турала Кремелдең мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итте. "Мөрәжәғәтнамәнең темалары тикшереүгә ҡуйылды. Шулай уҡ ҡайһы бер һорауҙарҙы өҫтәмә хәл итергә кәрәк ине", -- тинеләр Кремелдә. Кәңәшмәлә президенттың хакимиәте башлығы Антон Вайно, хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары - РФ Финанс министры Антон Силуанов, президент хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫарҙары Алексей Громов менән Сергей Кириенко, РФ хөкүмәте рәйесенең урынбаҫары Татьяна Голикова, РФ президенты ярҙамсыһы Андрей Белоусов, РФ иҡтисад үҫеше министры Максим Орешкин, Мәскәү мэры Сергей Собянин, Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин ҡатнашты. Быйыл президенттың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе 15 ғинуарҙа "Манеж" Үҙәк күргәҙмә залында үтә. РФ Президентының мөрәжәғәтнамәһе -- ул дәүләт башлығының Федераль йыйылышҡа төбәлгән РФ Конституцияһы менән теркәлгән йыл һайын була торған сығышы. Ул үҙ эсенә дәүләттең үҫеше йүнәлешен күрһәтеп, хөкүмәткә һәм парламентҡа бурыстар ҡуя. Ғәҙәттә уның йөкмәткеһе һуңғы сиккәсә асылмай.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ошо турала ҡанун проектын әҙерләгән. Документ буйынса, еләк, бәшмәк, сәтләүек, дарыу үләндәрен эшкәртеү күҙәтеүгә алына. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ошо турала ҡанун проектын әҙерләгән. Документ буйынса, еләк, бәшмәк, сәтләүек, дарыу үләндәрен эшкәртеү күҙәтеүгә алына. Министрлыҡ белгестәре әйтеүенсә, ҡырағай урман ресуртастарына Рәсәй һәм сит ил халҡы араһында ихтыяж ҙур. Был өлкә иҡтисади яҡтан отошло күренә. Уны контролгә алып, хоҡуҡи яҡтан көйләү зарур, тип белдерә закон проекты авторҙары. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Административ-территориаль бүленеш (административ-территориаль ҡоролош) — унитар дәүләт территорияһын өлөштәргә (административ-территориаль берәмектәргә) бүлеү, уға ярашлы урындағы власть системаһы төҙөлә. Тәбиғи, сәйәси, иҡтисади, этник, милли һәм башҡа факторҙар менән бәйле. Административ-территориаль бүленеш (структура) шулай уҡ федераль дәүләттәр субъекттарына хас, сөнки һуңғыһы, ҡағиҙә булараҡ, унитар субъекттар булып тора. Унитар дәүләттәрҙән айырмалы рәүештә, федерацияларҙың территориаль ҡоролошона федераль структура хас. Донъя илдәренең административ-территориаль бүленеше. Федерация субъекттары, ҡағиҙә булараҡ, унитар административ-территориаль ҡоролошҡа эйә, шулай уҡ федерациялар була ала (мәҫәлән, РСФСР). Шулай ҙа федерация субъекттары бүленгән берәмектәр, ҡағиҙә булараҡ, урындағы үҙидара субъекттары булып тора, уларҙың хоҡуҡтары айырым закондар менән һаҡлана. Административ-территориаль берәмектәр менән дөйөм дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәр әҙ ҡатмарлашҡанға күрә, һуңғыһы, ҡағиҙә булараҡ, урындағы кимәлдә бындай ҡарарҙарҙы раҫлауҙың ҡатмарлы процедураларынан тыш үҙенең административ-территориаль бүленешен үҙгәртә ала. Дәүләттәрҙең тарҡалыуы йәки яңы дәүләттәрҙең икенсе дәүләттән айырылыуы менән эске административ сиктәр дәүләт сиктәренә (мәҫәлән, элекке СССР) үҙгәрергә мөмкин, был күп һанлы дәүләт-ара территориаль бәхәстәргә килтерә. https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Административ-территориаль_бүленеш&oldid=1140376 ҡабул ителгән
Президент Бөтә донъя туристик ойошмаһы Генассамблеяһының 23-сө сессияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп: "Бөтә донъя туризм көнөн 2022 йылда Рәсәйҙә үткәреүҙе хуплап сығырһығыҙ тип ышанам. Шулай уҡ һеҙҙең етәкселек аҫтында беҙҙә Халыҡ-ара туризм үҙәген асыуға ла ризалыҡ белдерерһегеҙ тип өмөтләнәм," - тип әйткән. Генераль Ассамблеяның сессияһы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелә. Уның үткәрелеү урыны булып бөтәһе лә күрергә ынтылған Санкт-Петербург ҡалаһы тора. #В.Путин. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Йәшел күлдәкле йәйҙең һуңғы айы ла башланды. Күңелле каникул көндәре дауам итә. Уҡыусылар өсөн хеҙмәт, ҡояш, һыу, һауа – алыштырғыһыҙ дауа. Был фотоһүрәттәр Башҡортостандың Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы, Туймазы, Хәйбулла һәм Өфө райондарында төшөрөп алынды. Ҡарағыҙ әле, ниндәй шат, ҡәнәғәт балалар! Эйе, ҡарап туйғыһыҙ! Бына шулай күңелле һәм файҙалы үтә тыуған еребеҙҙең буласаҡ хужаларының йәйҙәре. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәғариф министрлығы ойошторған «Минең милли ашым» флешмобы үткәйне. Бишбармаҡ бешеп сыҡҡас, өҫтәл түренә ултырттыҡ. Беҙҙең ашыбыҙ менән һыйланып, синыфташ малайҙарыбыҙ, ҡалай тәмле, тел йоторлоҡ, тип маҡтап, күңелде кү­тәрҙе. Беҙгә башҡорт халҡының милли ризығы – бишбармаҡты бешереү оҫталыҡ дәресе бик оҡшаны. Ысынлап та, аш-һыу әҙерләү – үҙе бер тәрбиә мәктәбе. Һәр башҡорт милләтенән булған ҡатын-ҡыҙ милли ризыҡтарыбыҙҙы өйрәнергә һәм бешерә белергә тейеш. Светлана КИЛМӨХӘМӘТОВА, йәш хәбәрсе. Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Риүәйәттәр шуны бәйән итә: Әҙәм балаларының киләһе осорға (бер йыл дауамында) нимәгә юлығыуы, яҙмышы нисек буласағы ошо кистә тәғәйенләне икән. Кемдәрҙең көнө бөтәүе лә ошо кистә тәғәйенләнә икән. Шуға күрә лә был кистә бәхет теләп, хәйерле ғүмер биреүҙе һорап, Раббыбыҙға ялбарабыҙ, үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла, яҡын кешеләребеҙҙең һәммәһенә лә ике донъя рәхәттәрен теләйбеҙ, әлхәмдү лиллаһи!Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ. Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ: «Шәғбән айының 15-се кисен ғибәҙәт менән үткәрегеҙ,—тип нәсихәт бирә,—көндөҙ ураҙа тотоғоҙ. Был кистә Аллаһы Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде һораусылар юҡмы? Булһа, гонаһтарын ғәфү итәм. Ризыҡ һорап йөрөгәндәр юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәргә тарып, сәләмәтлектәре юғалып, яфа сигеп ятҡандар юҡмы? Булһа, тәндәренә тынғылыҡ, ауырыуҙарына шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре бар—һораһындар—бөтә теләктәрен үтәйем»,— тиер. Был мөрәжәғәт таңға тиклем дауам итер»,— тигән. Исламға тиклем үк төрлө халыҡтарҙа был кис—Бәра’әт кисе—гонаһтарҙан арыныу, тәүбә итеү, ураҙа тотоу, мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу менән үтә торған була. Ислам дине лә уны ҡәҙерле, изге кисәләрҙең береһе— гонаһтарҙан арыныу кисе булараҡ ҡабул итә. Шәғбан айының 14-нән 15-енә ҡарай был кистә япраҡтарына Ерҙә йәшәгәндәрҙән һәр кемдең исем-шәрифтәре яҙылған тормош ағасы тетрәнеп, япраҡтары ҡойолор ҙа, исемдәре ошо япраҡтарҙа булғандар йыл дауамында фани донъянан күсеп китер. Ә йәшәп ҡалғандарҙың яҙмышы фәрештәләр ихтыярына тапшырылыр йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең йыйыр ризығы, бәндәләрҙең байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы төрлө дәрәжәләре, был донъяға тыуасаҡ һәм үләсәк бәндәләр—бөтәһе лә был кистә билдәләнеп ҡуйыла, ти. Ғәрәпсә был байрамдың исеме «Ләйләтүл-бәраәт» тип атала. Үҙебеҙсәгә тәржемә итһәк, ҡотолоу, аҡланыу мәғәнәһен белербеҙ. Ләйлә тигән исем бар. Төн тигәнде аңлата. Был исемде, ғәҙәттә, төндә тыуған ҡыҙҙарға ҡушалар. Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем ғәрәптәрҙең календарында—тап шул саҡта йәйҙең иң оҙон көнө үтеп, төндөң иң ҡыҫҡа сағы булған. Шул кистә боронғо ғәрәптәр Яңы йылды ҡаршылаған. Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу тап шул кистә сауаплы һаналған. Аҡланыу (ярлыҡаныу), гонаһтарҙан азат ителеү (арыныу) кеүек йола ғәрәптәрҙә Ислам динен ҡабул иткәнгә ҡәҙәр ҙә булған: Ислам диненә күскәс тә был йола һаҡланған. Пәйғәмбәрҙәрҙең байтағы тап ошо тәүлектә (15 шәғбанда) бәләләрҙән ҡотолған. Риүәйәттәр шуны бәйән итә: Әҙәм балаларының киләһе осорға (бер йыл дауамында) нимәгә юлығыуы, яҙмышы нисек буласағы ошо кистә тәғәйенләне икән. Кемдәрҙең көнө бөтәүе лә ошо кистә тәғәйенләнә икән. Шуға күрә лә был кистә бәхет теләп, хәйерле ғүмер биреүҙе һорап, Раббыбыҙға ялбарабыҙ, үҙебеҙгә лә, балаларыбыҙға ла, яҡын кешеләребеҙҙең һәммәһенә лә ике донъя рәхәттәрен теләйбеҙ, әлхәмдү лиллаһи! Был кистә Аллаһы Тәғәлә үә тәбәрәкә, ҡолдарының (кешеләрҙең) ялбарыуына, теләгенә (доғаһына) был кистә айырыуса илтифатлы була икән. Бәндәләрҙең үкенеүе, тәүбәгә килеүе, Аллаһтан, гонаһтарын ярлыҡауын һорап, ялбарыуы сәбәбендә күптәрҙең гонаһтары ярлыҡана был кистә, Аллаһ бойорһа. Бәра'әт кисендә, мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап; ихлас күңелдән доғалар күп уҡыла. Был кистә, ошо кисте ҡаршыларға әҙерләнгәндә, изгелектәр ҡылырға тырышырға кәрәк. Мохтаждарға, меҫкендәргә, матди хәле мөшкөл кешеләргә хәйер, саҙаҡалар биреү айырыуса сауаплы. Мосолмандар был кистә бергә үткәрә, ҡунаҡлаша, бер-береһен һыйлай. Аллаһты танымай, уға инанмай ғәфләттә (вайымһыҙлыҡта) йөрөүҙән һаҡ булырға тейешбеҙ. Сөнки Аллаһ, Үҙен таныған, Уның исемен зекер иткән, Уға ялбарған ҡолдарын (кешеләрҙе) ғына ғәфү итә һәм бәрәкәтле, бәхетле итә. Ике донъя рәхәттәрен фәҡәт Аллаһ бирә. Аллаһҡа яҡын булырға тырышыу — һәр кемдең бурысы. Ғибәҙәт ҡылған, Аллаһтың үтә тигәнен үтәгән, тыйыл тигәненән тыйылған кешеләр генә Аллаһҡа ысын-ысындан яҡын була. Бер хәҙис шәрифтә: “Рәжәб айы — Аллаһы Тәғәләнең айы, шәғбан иһә — минең айым, рамаҙан айы иһә — өммәтемдең айы...” — тиелгән. Имам әш-Шәфиғи былай тигән: «Беҙгә мәғлүм булды: биш кистә доғалар ҡабул булыр. Был биш кис: йома кисе, Ҡорбан ғәйете, Ураҙа ғәйете кистәре, рәжәб айының беренсе кисе, шәғбан айының беренсе яртыһынан икенсеһенә күсә торған киселер”. Бәра’әт кисе мөбәрәк булыуы ла, фазилиәтле булыуы ла өммәтебеҙгә бик яҡшы мәғлүмдер. Был кисте төнгө намаҙҙарҙа, Ҡөръән уҡыу, зекер-салауатта үткәреү — ғәжәйеп нәмә, бик оло маҡтауға лайыҡлы ғәмәлдер. Аллаһы Тәғәлә: “Әгәр Бәра’әт кисе, шәғбан айының яртыһы килеп етһә, төнөн ҡыямда, көндөҙөн ураҙала үткәрегеҙ», тип әйткән. Усама ибн Зәед Рәсүл-Әкрәмдән һораған: “Йә, Рәсүлуллаһ Шәғбан айынан башҡа айҙарҙа һин шул ҡәҙәр ураҙа тотмайһыңдыр?”. Рәсүлуллаһ, ғәләйһис-сәләм: “Рәжәб менән рамаҙан араһында булған ай тураһында кешеләр ғафил. Был айҙа ғәмәлдәр Раббил-Ғәләмингә йүнәлерҙәр. Минең ғәмәлдәрем ураҙалы хәлемдә йүнәлгәнде мин бик хуп күрәмен”, — тип яуап биргән. Бәраәт кисәһе намаҙы: Был кисә өсөн махсус намаҙ юҡ. Ләкин кисәнең бер өлөшөндә ғибәҙәт эсендә булыу, нәфел намаҙҙар уҡыу сауаплылыр. Был кисәлә уҡыла торған намаҙға «саләәтүл- хайр» — «хәйер намаҙы» тип әйтәләр. Көндөҙ мохтаждарға саҙаҡа биреү, исәне ғибәҙәттә уҙғарыу бик сауаплы.
Төндәлектәр. Алыҫлашҡан һайын нығыраҡ һағындыра. Әле булһа һабаҡ алғаным юҡ, белгәнемде әйтәм дә ҡуям. Ағиҙел -13 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Фоторепортаж 9 Февраль 2020, 08:05 Төндәлектәр. Алыҫлашҡан һайын нығыраҡ һағындыра. Әле булһа һабаҡ алғаным юҡ, белгәнемде әйтәм дә ҡуям. Күңелле һәм дәртле итеп уҡыныҡ. Әле лә хәтерләйем, көн һайын уҡырға барғы килеп тора. Имтихандар етһә, үҙе бер мәрәкә, бына, мәҫәлән, педагогиканан имтихан бирәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ талапсан һәм мыжыҡ ҡына. Шулай ҙа, кәйефе күтәренке һымаҡ, билдәләрен дә йәлләмәй. Минән алда ғына Миңзифа исемле (йәне йәннәттә булһын, былтыр вафат булған, тип ишеттек) ҡыҙ һөйләй. Ныҡ уҡыған, шартлатып һөйләй, Ушинскийҙың ҡатмарлы ғына ярты битлек цитатаһын бер тынала уҡып сыҡты. Уҡытыусыбыҙ тел сартлатып ултырҙы һәм “5”-ле ҡуйып, сығарып ебәрҙе. Хәҙер миңә имтихан тоторға, һорау – Марксизм-Ленинизм классиктары педагогика хаҡында. Мин был турала бала саҡтан уҡып үҫкән кеше, һөйләргә дәртләнеп торам. Ни өсөн бала саҡтан беләм? Сөнки беҙҙең ауылдың яңы клубында сәхнәнең иң түренә “Искусство принадлежит народу. В. И. Ленин”, – тип, ә уң яҡта бер бағана итеп “В науке нет широкой столбовой дороги, и только тот достигнет ее сияющих вершин, кто не страшась усталости, карабкается по ее каменистым тропам”, – тип Карл Макстың һүҙҙәре яҙылған. Даһи һүҙҙәре ҡайҙан хәтереңдә ҡалған, тип һораһағыҙ, клубтағы бағанаға һылтанам. Юҡ, оҡшаманы уҡытыусыма минең һүҙҙәрем. Тәүҙә, шпаргалкаң ҡайҙа, тип партамды ҡарап килде, яуап биргән ҡағыҙымды тартып алды, өҫтәмә һорауҙар бирҙе, даһи цитатаһын яңынан ҡабатлаттырҙы. Ҡаушаным, ыҡ-мыҡ иттем, баһамды төшөрҙөм, ике-өс тапҡыр яңынан башланым, көс-хәл менән аҙағына еттем, тик, барыбер, ышандыра алманым. “4”-ле ҡуйып ебәрҙе. Үҙең уҡығанды тиҙ генә белдерә һалырға түгел икән. Ошо имтихандан һуң ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтте, әле булһа һабаҡ алғаным юҡ. Белгәнемде әйтәм дә ҡуям. Файҙаһы – юҡ, зыяны – күберәк.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары биләмәһендә дүртенсе класлы янғын хәүефе көтөлә. Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Башҡортостан биләмәһендә тәүлек эсендә дөйөм 4,9 гектар майҙанда 7 янғын сыҡҡан, бер тәүлектә дөйөм 364,6 гектар майҙанда 7 сығанаҡ һүндерелгән. Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил райондары биләмәһендә дөйөм 2774,9 гектар майҙанда туғыҙ тәбиғәт янғыны дауам итә. Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып дөйөм 3898,89 гектар майҙанда 109 тәбиғәт янғыны сығанағы теркәлгән (уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда – 143 сығанаҡ, 34 сығанаҡҡа аҙыраҡ). https://www.bashinform.ru/news/1474583-v-desyati-rayonakh-bashkirii-prognoziruetsya-chetvertyy-klass-pozharoopasnosti/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Теги: янғындар Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
2019-2020 йылдарҙа районыбыҙҙа балаларға өҫтәмә белем биреү персонификацияланған системаға күсә башланы. Ул нимәнән ғибәрәт? Яңы финанслау программаһы балаларҙы муниципаль һәм шәхси хеҙмәтләндереү системаларында теркәлгән түңәрәктәрҙә, секцияларҙа шөғөлләндереүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта уҡытыу йүнәлешен, белем биреү учреждениеһын һайлау хоҡуғы – тик ата-әсәлә һәм балала. Был алымдың өҫтөнлөктәре билдәле: балалар нәҡ үҙҙәре теләгән, ҡыҙыҡһынған түңәрәктәргә йөрөйәсәк. Ата-әсәләр, үҙ сиратында, шәхси талаптарына тулыһынса яуап биргән учреждениеларҙы табасаҡ. Бының өсөн ата-әсәләргә нимә эшләргә кәрәк? Башҡортостан Республикаһының балаларға өҫтәмә белем биреү Навигаторы сайтында теркәлергә. Навигатор — ата-әсәләрҙең йәки балаларҙың үҙ аллы түңәрәктәр, секциялар эҙләгән, ә өҫтәмә белем биреү учреждениеларының тәрбиәләнеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтырыусы интернет-порталы ул. Ата-әсәләр (баланың законлы вәкилдәре) теркәлгән ҡулланыусы булараҡ һәр белем биреү учреждениеларының программаһы менән таныша, уның ойоштороусылары һәм башҡалар тураһында тулы мәғлүмәт ала, балаһын теге йәки был түңәрәккә, секцияға яҙа. Навигаторҙы http://p02. навигатор.дети йүнәлтмәһе буйынса, йәки интернет селтәрендә “Навигатор дополнительного образования детей Республики Башҡортостан” тип эҙләгәндә табып була. Артабан ата-әсә Навигатор каталогында оҡшаған шөғөлдө таба һәм балаһын теркәй. Балаға автомат рәүешендә электрон иҫәпкә алыу Сертификаты йәки айырым күләмдәге аҡса менән персонификацияланған финанслау Сертификаты бирелә. Ошонан һуң бала түңәрәктәргә йөрөй, ә уҡыу өсөн түләү Сертификат иҫәбенән алына (әгәр ҙә уҡыу программаһы персонификацияланған финанслауҙа ҡатнашһа). Персонификацияланған финанслау Сертификаты нимә ул? Сертификат — ул баланың мәктәптән тыш, хөкүмәттән бүленгән аҡса иҫәбенә, өҫтәмә белем алырға мөмкинлек биргән исемле электрон документ. Сертификат ата-әсәгә өҫтәмә белем биреү учреждениһында белем алған балаһы өсөн дәүләт иҫәбенән түләү мөмкинлеген аса. Уның тураһындағы бөтә мәғлүмәт — эшмәкәрлек ваҡыты, бүленгән аҡсаның иҫәптәге ҡалдығы — Навигатор сайтында ҡулланыусының шәхси кабинетында һаҡлана. Сертификат биргән аҡсаны тик өҫтәмә белем алыуға һәм өҫтәмә белем биреү Порталы аша ғына ҡулланырға була. Башҡа маҡсатта тотонорға, аҡсаға алыштырырға ярамай! Шул иҫәптән, балаларҙың түңәрәктәр, секциялар һайлау һаны сикләнмәгән. 2020 йылда Персонификацияланған финанслау системаһында тик “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге генә ҡатнаша. Сертификаттар өҫтәмә белем биреү йәки дөйөм белем биреү учреждениеларында активлаштырыла. Дилара Бәҙретдинова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн үтә яуаплы осор башланды — ураҡ кампанияһына районда беренсе булып «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы игенселәре төштө. Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн үтә яуаплы осор башланды — ураҡ кампанияһына районда беренсе булып «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы игенселәре төштө. Хужалыҡ игенселәре республикала йыл да үткәрелеп килгән «Баҫыу көнө»ндә ураҡҡа старт бирелгәндең икенсе көнөнә баҫыуға сыҡты. «Бөгөн Башҡортостанда ураҡ эшен башлайбыҙ. Комбайнсылар һәм был эшкә ҡағылышы булған ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу осор етте. Етештереүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк: техника, яғыулыҡ, келәттәр — барыһы ла әҙер. Селекция өлкәһендә лә алға китеш күҙәтелә. Баҫыу көнөндә беҙҙең ғалимдарҙың «Башкирская-3» тип аталған ужым бойҙайы һәм арышының гибриды тәҡдим ителде. Уның гектарынан 80-85 центнер уңыш алып буласаҡ. Был уртаса күрһәткестәрҙән дүрт тапҡыр күберәк», — тип яҙҙы республика Башлығы был сара хаҡында үҙенең сәхифәһендә. Әлбиттә, ҡоро йылда Әбйәлил баҫыуҙарында ундай ҙур уңышҡа өмөт итеп булмай. Шулай ҙа «Красная Башкирия» хужалығының ужым арышы төшөмө, район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Вил Миянов әйтеүенсә, гектарынан 15 центнерҙан килә. Бөгөн ужым арышы баҫыуын иңләгән «Тукан» һәм «Челленджер» комбайндары арышты туранан-тура урып һуға, культураның һаламы иһә, шунда уҡ туралып, баҫыуға һирпелеп бара, комбайн артынан саң болото ғына күтәрелеп ҡала. — Беҙҙең комбайндарҙа бөтә уңайлыҡтар булдырылған: кондиционерҙар бар, тыштағы саң эскә үтеп инмәй. Шуға көндәрҙең ныҡ эҫе булыуы һиҙелмәй ҙә, үҫтерелгән уңышты тиҙ һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар көстө һалабыҙ, — ти игенселәр. Тәжрибәле комбайнсылар Хәлит Төхвәтуллин, Александр Сачков, Ринат Нафиҡов һәм Алгиз Вәлиевтар идара иткән баҫыу караптарының эшенә күҙ эйәрмәй. Быйыл ғына комбайнға ултырған Фидан Баһаув та иптәштәренән ҡалышмаҫҡа тырышып, ең һыҙғанып эшләй. Комбайндар һуҡҡан уңышты ырҙын табағына КамАЗ-да водитель Александр Брулев ташып тора. Бөгөн хужалыҡ игенселәре аэропорт янындағы сәсеүлектәге эште тамамлап, Озерный баҫыуына күсәсәк. Хужалыҡта был культура 360 гектарҙы биләй. «Красная Башкирия» хужалығында сенаж һалыу ҙа дәррәү бара. Ғөмүмән, һәр өлкәлә көндө-төнгә ялғап, етештереүсәнле хеҙмәт өлгөһө күрһәтә уңғандар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы буйынса "ҡыҙыу линия" эшен дауам итә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә эшләүсе, күп каналлы 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 телефондары буйынса ҡабул ителә. Шулай уҡ коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса Роспотребнадзорҙың берҙәм консультация үҙәгенең тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 8-800-555-4943 “ҡыҙыу линия” телефоны ла эшләй. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
«Эйе, тырышлыҡ булғанда, әлбиттә була!» тип ҡыйыу яуап бирҙе Ирәндек моңдары-2004» республика конкурсында Гран-при, 2005 йылда Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй” республика конкурсында 1-се урын, 2010 йылда “Тыуған моңдар” телевизион конкурсында Гран-при, 2015 йылда “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында Гран-при яулап башҡорт эстрадаһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп ингән Рәфис Ишбаев. «Эйе, тырышлыҡ булғанда, әлбиттә була!» тип ҡыйыу яуап бирҙе Ирәндек моңдары-2004» республика конкурсында Гран-при, 2005 йылда Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй” республика конкурсында 1-се урын, 2010 йылда “Тыуған моңдар” телевизион конкурсында Гран-при, 2015 йылда “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында Гран-при яулап башҡорт эстрадаһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп ингән Рәфис Ишбаев. Радио тыңлаусылар уның “Бәхетле бул”, «Ташламайҙар дуҫтар», «Һеҙҙең өсөн йырыбыҙ» исемле йырҙары менән яҡшы таныш. Рәфис Фирғәт улының Ишембай мәҙәниәт һарайында вокал уҡытыусыһы булараҡ эш башлауы райондаштарыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс. - Рәфис Фирғәт улы, һеҙ ҡайһы яҡ егете? Тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡасан сыҡтығыҙ? - Мин сығышым менән Баймаҡ ҡалаһынан. Йырға, сәнғәткә тартылышым мәктәп сәхнәһенән башланды. Башҡалар өсөн генә түгел, үҙем өсөн дә был хәл көтөлмәгенәрәк булды - нәҫелебеҙҙә йырлаған кеше юҡ. Мәктәптә уҡығанда уҡ, “Мираҫ” ансамблендә солист булдым, республика кимәлендә үткән бер нисә йыр бәйгеһендә призлы урындар яуланым. Йырсы булыу минең өсөн буй етмәҫлек хыял ине. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училещеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан һайын, үҙ-үҙем өҫтөндә эшләргә, был уңыштарҙа туҡтап ҡалмаҫҡа, үҫергә, күтәрелергә тейешлегемде аңлай барҙым. Уҡытыусыларымдан уңдым - сәнғәт училещеһында Вәхит Хызыров, Камил Вәлиев, Флүрә Ноғоманова класында белем алыу бәхетенә ирештем. - Һеҙ суд приставы булып та эшләргә өлгөргәнһегеҙ? - Эйе, сәнғәт училищеһын тамамлағас, армия сафында хеҙмәт итеп, тыуған ил алдында бурысымды үтәгәс, ижадтан бер аҙға алыҫлашып торорға тура килде, Өфө ҡалаһының Киров районында суд приставы булып эшләнем. Әммә күңел барыбер сәхнәгә тартылды, ижад һуҡмағына ҡабат баҫтым. Ҡарауанһарай студияһында эшләп алдым, яңы йырҙар ижад итеп, республикабыҙҙың танылған йырсылары менән гастролдәргә сыҡтым. Әйткәндәй, Ишембай районында ла гастролдәр менән булырға тура килде. Һеҙҙең район тамашасыһы ябайлығы, ихласлығы менән тәүҙән үк күңелде арбаны. Ҡала мәҙәниәт йортона эшкә саҡырыу буйынса тәҡдимгә икеләнмәйсә риза булдым. - Үҙегеҙгә репертуар һайлағанда нимәгә иғтибар итәһегеҙ? - Мин ниндәй генә эшкә тотонһам да, уны еренә еткереп башҡарыу яҡлы. Мәғәнәле шиғыр юлдары эҙләү, уға көй яҙҙырыу - эштең күҙгә күренгән өлөшө генә. Күп сығымдар талап итһә лә, сифатлы аранжировкалар эшләтергә тырышам. Сөнки йыр бер халыҡ хөкөмөнә сыҡһа - ул, йә оҡшай, йә юҡ, йә популяр булып китә, йә онотолоп ҡала, тигәндәй. Ҙур хеҙмәт һалынған ижад емешемә еңел-елпе ҡарай алмайым, уны яҡшы итеп эшләргә тырышам. Дөйөмләштереп әйткәндә, беҙгә башҡорт эстрадаһын күтәрерлек кадрҙар кәрәк. Башҡортостанға яңы Юлъякшиндар кәрәк. - Йырсы булыу өсөн талант кәрәк тибеҙ. Әммә бер ниндәй ҙә дәрес алмайса, тыумыштан матур йырлаған йырсыларыбыҙ бар, әйтәйек мәшһүр Абдулла Солтанов. Шул уҡ ваҡытта, юғары уҡыу йорттары, академиялар тамамлап, тауыштары менән әллә ни айырылып тормаған йырсылар ҙа юҡ түгел. Шулай уҡ бала сағында йырға маһирлығы бик һиҙелмәгән, бәлки оялыуы арҡаһында сәхнәгә сыҡмай ҡалған, ә олоғайғас таланты асылып йырлай башлағандар ҙа байтаҡ. - Һеҙ, вокал уҡытыусыһы булараҡ әйтегеҙ әле - йырларға өйрәнеп буламы? - Кеше, әгәр тырышлығы булһа, бар һөнәргә лә (ә йыр ул - һөнәр) өйрәнә ала, тигән фекерҙәмен. Күренекле француз яҙыусыһы һәм философы Бернар Вербер әйтмешләй, тормошта өс шарт бар - талант, уңыш һәм хеҙмәт. Шуларҙың икеһе һиндә булһа - уңышҡа өлгәшергә була. Йырсы булыр өсөн, тәбиғәттән бирелгән һәләттән тыш, тырышлыҡ та булырға тейеш. Үҙ эшен яҡшы белгән педагог менән шөғөлләнеү, көндәлек күнекмәләр мотлаҡ үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Бәрәкәтле эшләгәндә, ярты йыл эсендә тауыш ҡуйып, уҡыусыны ҙур сәхнәгә сығарырлыҡ уҡ булмаһа ла, табында йырлатырлыҡ кимәлгә еткерергә була. Унан тыш, ҡыйыулыҡ, үҙеңә ышанғанлыҡ тойғолары ҡамасау итмәйәсәк, параллель рәүештә был өлкәлә лә эшләү зарур. - Тимәк, үҙ эшен белгән педагог - уңыштың яртыһы? - Әлбиттә, тәүге аҙымдарҙы педагог һала. Халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыу өлкәһендә башланғыс белемдәрҙән тыш, дөрөҫ тын алыу алымдары, интонация, тауыш таҙалығы, дикция өҫтөндә эшләү, тауыш диапозонын киңәйтеү, уҡыусының йәшенә, енесенә ҡарап вокал йөкләмә бирә белеү - педагогтың төп бурысы. - Рәфис Фирғәт улы, һеҙ был һүҙҙәрҙе әйткәндә, районыбыҙҙың үҙешмәкәр артистары, мәҙәниәтебеҙ өсөн бөтмәҫ шатлыҡ тойғоһо солғап ала. Гәзит уҡыусыларға тағы ла ниндәй әйтер теләктәрегеҙ бар? - Йырларға өйрәнеү бер ҡасан да һуң түгел, тип әйтәһем килә. Көн һайын, Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында 10.00-15.00 сәғәттәрҙә тыңлауҙар алып барам. 10 йәштән 35 йәшкә тиклем йырларға өйрәнергә теләүселәрҙе 60-сы кабинетта көтөп ҡалам. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы социаль селтәрҙәрҙә бирә алаһығыҙ. Хыял бар икән - тимәк уны тормошҡа ашырырлыҡ потенциал да - ул һеҙҙә бар, тырышлыҡ ҡына кәрәк! Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төндә көньяҡтан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртә, көсәйә. Һауа температураһы төндә 3-8 градус йылы, аяҙытҡанда тупраҡҡа ҡырау төшөүе, һауа температураһының 0-дән минус 2 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ 13-18, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 22 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә. Иртәгә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән йәшенле ямғыр, борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, ваҡыты менән көслө. Һауа температураһы төндә 7-12, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа 2 градусҡа тиклем, көндөҙ 12-17, көнсығышта 22 градусҡа тиклем йылы була. Автор:Лилия Давлетбакова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Иҫке техника ла оҙаҡ хеҙмәт итергә мөмкин.Popular Mechanics порталы эксперттары иҫке смартфондарҙы ҡулланыуҙың яңы ысулдарын атаны. Ләкин был ысулдар иҫке гаджетта интернет булһа ғына эшләйәсәк, тиҙәр улар. Беренсенән, иҫке телефон өйҙәге ҡиммәтле һаҡлау системаһын алыштыра ала. Уға зарядка йыйҙырырға һәм өйөгөҙҙөң күҙәтеүҙә тоторға теләгән өлөшөнә ҡуйырға кәрәк. Бының өсөн махсус ҡушымта өҫтәргә кәрәк буласаҡ, мәҫәлән, AtHome Video Streamer. Яңы телефонығыҙға AtHome Video ҡушымтаһын урынлаштырығыҙ. Әгәр иҫке телефон ниндәйҙер шикле әйбер “күрә” икән, яңыһына хәбәр ебәрә. Иҫке телефонды няня урынына ла ҡулланырға була. Бының өсөн Cloud Baby Monitor, Dormi йәки Baby Monitor 3G ҡушымталарын урынлаштырығыҙ. Балағыҙҙы үҙегеҙ генә күрә алыу өсөн һаҡлыҡ тураһында ла онотмағыҙ. Кәрәкмәгән телефонды GPS-трекер итеп тә файҙаланырға мөмкин. Әгәр машинағыҙҙы ҡайҙа ҡалдырғанды онотаһығыҙ икән, иҫке телефонда “Найти мой телефон” функцияһын ҡушып, уны машина эсендә ҡалдырығыҙ. Тағы бер ысул — телефонды видеорегистратор урынына ҡулланыу. Бының өсөн Autoboy Dash Cam кеүек махсус ҡушымта урынлаштырырға кәрәк. Иҫке телефон ярҙамында өйҙә wi-fi сифатын да яҡшыртырға була. Сөнки wi-fi селтәре өйҙөң бөтә мөйөшөндә лә бер тигеҙ дәрәжәлә эшләмәй. Дөрөҫ, күләмле файлдарҙы уның аша ебәреп булмай, ләкин социаль селтәрҙәрҙе ҡарау өсөн бына тигән. Был йәһәттән Netshare ҡушымтаһын асырға һәм уны тейешенәә көйләргә ҡала. Быларҙан тыш, кәрәкмәгән телефонды һата алаһығыҙ. Был бер аҙ булһа ла аҡса керетәсәк. Рәғиҙә Ғиззәтуллина әҙерләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
“Торатау” гәзитенә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу бара. Шуны хәбәр итәбеҙ: ҡалала һәм ҡала янындағы ҡасабаларҙа йәшәүселәр редакцияға килеп (Совет урамы, 88-се йорт, 2-се ҡат, 1-се кабинет) квитанция тултырған осраҡта, гәзиткә яҙылыу осһоҙораҡҡа төшәсәк. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләнгәндәргә, 1-2 төркөм инвалидтарына 6 айға яҙылыу хаҡы 540 һум буласаҡ. Хаҡлы ялдағылар, студенттар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр гәзиткә 615 һумға яҙыла ала. Эшләгән кешеләргә – 639 һум. “Торатау” гәзитен редакциянан йәки үҙәк район китапханаһының ҡала филиалдарының береһенән килеп алырға теләгән пенсионерҙарға гәзиткә яҙылыу 500 һумға ғына төшәсәк. Район халҡына почта бүлексәләре аша ярты йылға “Торатау” гәзитенә яҙылыу - 841 һум 26 тин. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм шулай уҡ 1-2 төркөм инвалидтарына - 769 һум 02 тин. Йортҡа килтермәй, абонент йәшниге аша алдырған осраҡта гәзиткә яҙылыу 740 һум 34 тингә төшәсәк. “Торатау” гәзитенең электрон вариантына яҙылыу хаҡы 528 һум күләмендә билдәләнгән. 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына “Торатау”ға яҙылғандар араһында һәр аҙна бүләктәр оттороласағы тураһында яҙғайныҡ инде. Бының өсөн редакцияның гәзиткә яҙылыу бүлегенә квитанция копияһын ғына килтерергә кәрәк. Ҡәҙерле дуҫтар, әгәр ҙә сәләмәтлек мөмкинлегегеҙ арҡаһында редакцияға юлығыҙ төшмәй тора икән, беҙҙең хеҙмәткәр йортоғоҙға барырға әҙер. Бының өсөн 4-11-80 телефоны аша мөрәжәғәт итергә кәрәк. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәрен яйға һалыу, энергетика өлкәһендә мөһим килешеүҙәр төҙөү, шулай уҡ халыҡ-ара мөнәсәбәттәр – былар президенттар Владимир Путин һәм Тайип Эрдоган осрашыуында төп иғтибар үҙәгендә булған мәсьәләләр. Рәсәй лидеры Стамбулға дүшәмбе көн килде һәм Донъя энергетикаһы конгресының махсус сессияһында ҡатнашты. Төп яңылыҡ - Мәскәү 2014 йылда баш тартҡан “Көньяҡ ағым” газ үткәргесе проектына альтернатива рәүешендәге “Төрөк ағымы” газ үткәргесен төҙөү хаҡындағы хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйыу. Төркиә һәм Рәсәй араһында Сүриә конфликты буйынса фекер айырымлыҡтары һаҡланһа ла лидерҙар хәлде тыныс юл менән яйға һалыу яғында. “Беҙ Сүриәләге төрөк хәрби операцияһы хаҡында һөйләштек,-ти Эрдоган,- хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ алып барҙыҡ, тәү сиратта Алеппо халҡына ярҙам, был регионда тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн хеҙмәттәшлек һәм стратегия алымдары хаҡында фекер алыштыҡ.” “Беҙҙең уртаҡ позициябыҙ бар: Алеппоға гуманитар йөктө алып барып еткереү өсөн, барыһын да эшләргә кәрәк. Гуманитар колонналарға һөжүм кеүек провокациялар ҡабатланмаҫҡа тейеш, йөктәрҙе имен-аман алып барып еткереү мәсьәләһен хәл итәһе бар,”-тине Рәсәй президенты. Был осрашыу бер йыл элек Рәсәй истребителен бәреп төшөрөүҙән һуң боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн дә мөһим ине. Төрөк ауыл хужалығы продукттарын Рәсәйгә индереүгә тыйыуҙы алыу, хәрби, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлек башлау ниәттәре лә алға китеш булды. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың апреленән декабренә тиклем Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләмәгән өсөн пеня һәм штраф һалынмай. 2021 йылдың 1 ғинуарынан иһә йыйылған бурыс өсөн пеня һәм штраф һалыу тергеҙелә. Ҡануниәткә ярашлы, пеня бөтә бурыс, шул иҫәптән 2020 йыл өсөн дә һалынырға тейеш. Өҫтәмә сығымдар булмаһын өсөн бурысҡа юл ҡуймаҫҡа, әгәр йыйылып китһә, билдәләнгән ваҡытта түләп бөтөрөргә кәрәк. Ауыр финанс хәлендә ҡалған граждандар өсөн бурысты һәм ағымдағы сумманы бүлеп түләү механизмы ҡаралған. https://www.bashinform.ru/news/1533013-s-yanvarya-2021-goda-vozobnovitsya-nachislenie-peni-za-prosrochku-oplaty-kommunalnykh-uslug-/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
2020 йылдың 8 декабренән 11 декабренә тиклем Өфөлә ҡатнаш – онлайн- һәм офлайн форматта – Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2020 үтәсәк. 2020 йылдың 8 декабренән 11 декабренә тиклем Өфөлә ҡатнаш – онлайн- һәм офлайн форматта – Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2020 үтәсәк. Сара сиктәрендә иҡтисад үҫешенең айырым блоктары буйынса бер нисә форум уҙасаҡ. Уларҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова ҡатнашасаҡ. Алда торған был ҙур форум хаҡында бөгөн, 2 декабрҙә, ТАСС майҙансығындағы матбуғат конференцияһында ентекле һөйләшеү булды. – Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы сиктәрендә планлаштырылған саралар Башҡортостандың ғына түгел, бөтә илдең иҡтисады үҫешенә өҫтәмә этәргес булыр, күп һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер, тип ышанам, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Ул форумдың дүрт көнө ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендә кесе һәм урта бизнес, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡты, туризмды, иҡтисадты һәм экспортты үҫтереү мәсьәләләрен тикшереүгә арналасағын өҫтәне. – ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең сираттағы осрашыуы үтәсәк Башҡортостан Республикаһының инициативаһын билдәләгем килә. Бындай сараларҙа элек ҡатнашыуым тәжрибәһенән сығып, республика етәкселегенең тырышлығы һөҙөмтәле, файҙалы булыуын әйтер инем. Алда торған сараға килгәндә иһә, Андрей Геннадьевич Назаров сығышында белдерелгән бурыстарҙың тап бөгөн ныҡ кәрәкле һәм мөһим булыуына ышанам, – тине Рәсәй Федерацияһы Президентының Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтиәр Хәкимов. Бәхтиәр Хәкимов пандемия шарттарында заманса технологиялар яңы форматта аралашыу мөмкинлеген биреүен, ә “иҫке традициялар менән яңы ысынбарлыҡтың” үрелеүе Халыҡ-ара бизнес аҙнаһын лайыҡлы үткәреүҙе тәьмин итәсәген билдәләне. Тажикстан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Одил Сангов Халыҡ-ара Бизнес аҙнаһының төбәктәр хеҙмәттәшлеген, ШОС һәм БРИКС илдәре араһындағы диалогты нығытыу өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләп үтте. – Башҡортостан төбәктәр хеҙмәттәшлеген тартыу үҙәгенә әйләнде. Элекке сараларҙа ҡатнашыуыбыҙ тәжрибәһе буйынса әйтергә мөмкин: Өфө форумы майҙансыҡтарында элек белмәгән контрагенттарын тапҡан партнерҙар байтаҡ. Тормошҡа ашырылған аныҡ проекттар бар. Бөтә форум – ул ғәмәли тәжрибә, бик сағыу сығыштар, бик кәрәкле спикерҙар. Иң мөһиме – һөҙөмтәле осрашыуҙар, – тине Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле Советы Башҡарма секретары Сергей Канавский. “Стратегик эшләнмәләр үҙәге” Фонды Президенты Владислав Онищенко әйтеүенсә, Аҙнаның ҡатнаш форматта үтеүе фекер алышыу мөмкинлектәрен киңәйтә – мөһим проблемаларҙы тикшереүҙә донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндәге эксперттарҙың ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. Халыҡ-ара бизнес аҙнаһын ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Үткәреү операторы – “Башҡортостан Республикаһы “Офис-төркөм” Конгресс-бюроһы” автоном коммерция булмаған ойошмаһы. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#милли проекттар#төбәкпроекттары 2020 йылда ҡалала тыуымдың артыуы көтөлә. Йәғни ул былтырғы кимәлдән түбән төшмәйәсәк. Иң күп тыуым быйыл Стәрлетамаҡта, Ставрополдә, Түбәнге Вартала, Яр Саллыла һәм Махачкалала күҙәтеләсәк, ти социаль тикшереү үткәреүселәр. Рәсәйҙә тыуымдың артыуы ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенең кәмеүенә, балалар баҡсалары, поликлиникалар һәм мәктәптәр төҙөлөүгә бәйле, тип иҫәпләй белгестәр. РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының социаль күҙәтеүҙәренә ҡарағанда, 19-39 йәштәге парҙарҙың 9 проценты бала табыуҙы ныҡлы ышаныс менән 2020 йылға планлаштырғандар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, республикала “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу мөһим урында тора. Балаларҙы һәм әсәйҙәрҙе социаль яҡтан тәьмин итеү буйынса күп эштәр башҡарыла: төбәктә өр-яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, мәктәптәр, поликлиникалар төҙөлә, балалар пособиеһы күләме арттырыла. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
2018 йылдың 1 апреленән дәүләт пенсия тәьминәте буйынса, шул иҫәпән социаль пенсиялар 2,9 процентҡа арттырыла. Республикала 101 мең пенсионер, шул иҫәптән социаль пенсия алған 93 мең пенсионер яңы күләмдәге пенсия ала башлай, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе. 2018 йылдың 1 апреленән дәүләт пенсия тәьминәте буйынса, шул иҫәпән социаль пенсиялар 2,9 процентҡа арттырыла. Республикала 101 мең пенсионер, шул иҫәптән социаль пенсия алған 93 мең пенсионер яңы күләмдәге пенсия ала башлай, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе. Социаль пенсияны индексациялау менән бер үк ваҡытта саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация һәм техноген һәләкәттәрҙә зыян күргән кешеләрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, осоу-һынау составы хеҙмәткәрҙәренең дәүләт пенсияһы, шулай уҡ күләме социаль пенсияларҙың артыуына бәйле булған башҡа түләүҙәр арта. Республикала социаль пенсияның уртаса күләме арттырылғандан һуң – 9127 һум, инвалид балаларға һәм бала саҡтан I төркөм инвалидтарына 14297,31 һум тәшкил итә. Башҡортостанда арттырылған түләүҙәрҙе финанслау өсөн өҫтәмә рәүештә айына 27 миллион һум талап ителә, төбәк финанслау менән тәьмин ителгән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Кисә Бахмут ауылы мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина һәм райондың Почетлы граждандары ҡатнашты. Шулай уҡ был сарала һөнәри байрамдары уңайынан уҡытыусыларҙы ла тәбрик иттеләр. Иң тәүгеләрҙән булып сығыш яһаусы Юлай Талха улы сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да Республика көнө менән ҡотланы һәм райондың инвестиция хәле хаҡында бер аҙ мәғлүмәт биреп үтте. - Отчет осоронда инвестициялар күләме 345 млн. һум тәшкил итте. Был былтырғы йылдың ошо осорона ҡарағанда 15 тапҡырға күберәк. Районда кесе һәм урта эшҡыуарҙар тарафынан 124 яңы эш урыны булдырылды (был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 1,5 тапҡырға күберәк), - тине ул. Шулай уҡ Юлай Ильясов район уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. - Бөгөнгө көндә районда 17 дөйөм белем биреү һәм 7 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 300-ҙән ашыу педагог хеҙмәт итә, - тип тамамланы ул һүҙен һәм иң алдынғы, иң лайыҡлы хеҙмәткәрҙәргә район Хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы. Миграция һорауҙары буйынса бүлек начальнигы Татьяна Бычкова был көндө райондың иң йәш 4 гражданының ҡулдарына тантаналы рәүештә паспорт тотторҙо. Рузалия Сафиулла ҡыҙы республиканың ҡаҙаныштары хаҡында яҡындан таныштырғандан һуң Михаил Глущенкоға, Рәжәп Юлбарисовҡа, Дмитрий Красновҡа, Фирҙәүес Шәмсетдиноваға «Башҡортостандың 100 йыллығы» миҙалдарын тапшырҙы. Республика көнөнә арналған сара районыбыҙ таланттары әҙерләгән матур концерт программаһы менән тамамланды. Розалия НАЗАРОВА Автор фотолары Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Күргәндәренә иҫен-аҡылын йыя алмай урынынан тороп баҫҡан Саматҡа ишек алдын яҡтыртҡан утлы бағана ла, машина менән кешеләр ҙә ҡапыл сайҡалып киткәндәй тойолдо. Ул бәүелә биреберәк балкон ишегенә табан бер-ике аҙым атланы һәм күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, «гөрҫ» итеп иҙәнгә ҡоланы.. . МӨХӘББӘТЕМ… ҠУЙЫНЫНДАҒЫ ЙЫЛАН Танышыуҙарының өсөнсө көнөндә ҡыҙ егеттең күҙҙәренә тура ҡарап: - Һөйәһеңме? – тине наҙлы ла, иркә лә тауыш менән. Бер күреүҙә үк үлеп ғашиҡ булған егет башын ғына ҡаҡты. Ҡыҙ уның муйынына һырылып, үҙенә тартты. Ирен менән ирен ҡушылды… Төн менән төн дә ҡауышты ул кисте. Ә бер айҙан, никах уҡытып, егет ҡыҙҙы өйөнә алып та ҡайтты. Өҙөлөп ярата ине Самат Гөлдәрҙе. Мөхәббәтенә тилереп, ен урынына колхозда эшләп йөрөгән еренән егет һөйгәне менән ҡалаға күсте. Гөлдәр ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһына эшкә урынлашты, ә Самат, курстарҙа уҡып сығып, нефтсе булып китте. Бер-бер артлы өс малайҙары тыуҙы уларҙың. Ғаилә ишәйеп, дөйөм ятаҡта йәшәүе ауырайғас: - Себер яҡтарына барып, фатирлыҡ аҡса эшләп ҡайтаһыңмы әллә, - тине Гөлдәре иренә наҙлы ҡарашын ташлап. Яратҡан ҡатыны, балалары өсөн йәнен-тәнен ҡыҙғанмаған Самат китте ул тарафтарға. Вахта ысулы менән айлап эшләһәләр ҙә, йыш ҡына ялға ла ҡайтмай бил бөктө. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ эсеп, аҙып-түҙып йөрөмәне. Эшләп тапҡанын тиненә тиклем өйөнә ебәрергә тырышты. Ниһәйәт, аҡса туплап, өс бүлмәле кооператив фатир алып ебәрҙеләр. Яңы фатирға йыһазы, тегенеһе-быныһы кәрәк, малайҙарҙы кейендереп-ашатыу ҙа ҙур сығымдар талап итә. Гөлдәр ҙә өсөнсө баланан һуң ҡабат эшкә сығып торманы. - Әллә тағы бер аҙға түҙәһеңме? – тине иренә йылы ҡарашын бөркөп. Һөйөклөһөнөң һүҙен йыға буламы һуң Самат! Тағы өс-дүрт йыл ситтә эшләне ул. Һирәк-мирәк ҡайтҡан саҡтарында бар ваҡытын ғаиләһе менән уҙғарырға тырышты. Малайҙары, ҡатыны менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына сыҡтылар, балыҡҡа йөрөнөләр. Ҡала ситендә генә баҡса алып ебәргәйнеләр, күмәкләшеп шунда соҡондолар. Донъяһын етештергәндәй булып, бөтөнләй ҡайтырға иҫәп тотоп йөрөгән Саматҡа: - Бындағылар машиналы булып бөттө. Себер тиклем Себерҙә эшләп машинаһыҙ йөрөүе әллә нисек бит әле, - тине бер кис Гөлдәре, ҡуйынында иркәләнеп. Үҙен ирмен тип һанаған кеше берҙән-беренең теләгенә ҡаршы киләме ни – Себергә сәфәр тағы бер нисә йылға һуҙылды. Инде машиналыҡ аҡса туплап, уны алыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас: - Барыйҙар «Жигули» алабыҙ тип, бик үтенеп һорағас, аҡсаны уларға биреп торғайным, яҡын дуҫтар бит. Нисек бирмәйһең инде? Яйлап-яйлап түләрҙәр ҙә ул, - тине ҡатыны ғәйепле тауыш менән. Барый тигәне Клара әхирәтенең ире. Ялға ҡайтҡанда һәр саҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Улар Саматтарҙың малайҙары тиҫтере өс ҡыҙ үҫтерәләр. Кем белә, бәлки, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа булып китербеҙ әле тип, бер-береһенә шаярып өндәшәләр ине хатта. Әлбиттә, дуҫтарының яйлап түләгәнен көтөп ятып булмай. Тағы китте Самат Себергә. Ләкин был юлы сәфәре ҡыҫҡа булды уның. Бер аҙ эшләп, сираттағы ялына Ишембайға ҡайтып төштө. Кисләтеп кенә фатирына килеп ингәндә өйҙә малайҙары ғына ине. «Әсәйем Клара апайҙарға барып киләм тип киткәйне», - тине яңыраҡ мәктәпте тамамлаған малайы. Самат йыуынып сығып, тамағын туйҙырҙы ла, ҡатынын көтә башланы. Уныһы оҙаҡлағас, артынан әхирәттәренә барып килергә лә уйлағайны, нисектер килештермәне. Малайҙары йоҡлағас, Самат икенсе ҡаттағы балкондарына сығып ултырҙы. Инде төн уртаһы етеп, ҡатынына берәй нәмә булдымы әллә, тип хафалана уҡ башланы. Шул мәл уларҙың ишек алдына «Жигули» килеп туҡтаны. Барый машинаһынан сыға һалып асҡан ишектән Гөлдәре килеп төштө. «Күрәһең, бик һуңға ҡалғас, Барыйҙан килтертеп ташлатҡандыр», - тип уйлап, уларға өндәшергә ауыҙын асып та өлгөрмәне, ҡатыны, юлдашының муйынына аҫылынып, ҡуйынына һырылды. Тегеһе уны ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ирендәренә үрелде. Күргәндәренә иҫән-аҡылын йыя алмай урынынан тороп баҫҡан Саматҡа ишек алдын яҡтыртҡан утлы бағана ла, машина менән кешеләр ҙә ҡапыл сайҡалып киткәндәй тойолдо. Ул бәүелә биреберәк балкон ишегенә табан бер-ике аҙым атланы һәм, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, «гөрҫ» итеп иҙәнгә ҡоланы. Ҡапыл тетрәнеүҙән ярты кәүҙәһен паралич һуғып, телһеҙ ҡалған Самат дауаханала ғына иҫенә килде. Типһә тимер өҙөрҙәй еренән ҡапыл ғына тыуған сабыйҙан да былайыраҡ хәлгә тарыған ир, ни уйларға белмәй, тик бушлыҡ ҡына тойҙо башта. Аҙаҡ барыһы ла бөтә ысынбарлығы менән күҙ алдына баҫып, бөтә тәнен, йәнен биләп алды һәм түҙеп торғоһоҙ ғазапҡа әйләнде. Янына көн һайын килеп йөрөгән малайҙары бер аҙна уны ауыр уйҙарынан арындыра ине. Тәүҙә ҡатыны ла йыш ҡына килгеләне. Бер нәмә лә булмағандай, йылмайып-көлөп һөйләште ул. Тик ҡапыл ғына уның дауахана юлында эҙе һыуынды. Самат аҙаҡ ишетеүенсә, әсәләре аталарын инвалидтар йортона урынлаштырырға юллап йөрәгәнен белгән малайҙары быға теше-тырнағы менән ҡаршы төшкән. Айҙан артыҡ дауаханала ятҡырып, бер көндө уны фатирына килтереп ҡуйҙылар. Хәҙер инде уның донъяһы бәләкәй генә йоҡо бүлмәһенең дүрт стенаһы эсендә сикләнде. Карауатында хәрәкәтһеҙ ятҡан килеш төрлө ҡараңғы уйҙарға сумып, инде ғазапҡа әйләнгән ғүмер минуттарын һанайһы ҡалды. Малайҙарына рәхмәт. Буш ваҡыттарын улар аталары янында уҙғарырға тырышты. Ләкин балаларының йәлләү тулы ҡараштарын күреү, бигерәк тә улар ярҙамында хәжәттәрен үтәү әйткеһеҙ ҡыйын ине. Самат балаларын йыш мәшәҡәтләмәҫ өсөн мөмкин тиклем аҙыраҡ туҡланырға тырышты. Ләкин улары йә үҙҙәре әҙерләй һалып, йә әсәләре «шаҡ» иттереп янындағы ултырғысҡа ултыртып сығып киткән ашандыны көсләп тигәндәй ҡалаҡлап ауыҙына ҡаптырҙылар. Өйҙә һирәк күренгән Гөлдәр менән бығаса ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән малайҙары араһында йыш ҡына тауыш сығыр булып китте. Һүҙҙең ни турала барғанын аңлап, Саматтың йөрәге әрнене. Көҙ еткәс, өлкән малайын әрмегә алдылар. Китер алдынан улы атаһы янында оҙаҡ ҡына ултырҙы һәм: - Атай! Нисек кенә булмаһын, һин барыбер беҙгә кәрәкһең, - тине уның ҡулдарынан һыйпап. Һалҡын ғына көндәрҙең береһендә Гөлдәре Барыйҙы эйәртеп ҡайтып инде. Үҙе сисенә һалып кухняға уҙҙы, ә «бажа» асыҡ ишектән башын ғына тығып, Самат менән иҫәнләште лә, күршеләге йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Бер аҙҙан, ҡулдарына рюмкалар менән аҙыҡ һалынған тәрилкә тотоп, Гөлдәр ҙә шунда йүнәлде. Янынан үткәндә, аяғы менән тибеп, Самат ятҡан бүлмәнең ишеген ябырға ла онотманы. Тәүҙә йоҡа ғына стена аша ишетелгән көлөшөп һөйләшеү, ә аҙаҡ Саматҡа яҡшы таныш, күптән түгел генә уны ләззәткә сумдырып, бөткөһөҙ дәрт биргән, ситтә сағында төштәренә кереп яфаланған өндәр, уның йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙалып, был мәлдә үҙенең көсһөҙлөгән тойоу тамуҡ ғазабынан да былайыраҡ минуттар кисерергә мәжбүр итте. Уларҙы ишетмәҫкә тырышып, башын мендәр аҫтына тыҡты. Ләкин йөрәкте томалап буламы ни?! Ундағы әрнеү күҙ йәштәре булып сикәһенән аҡты. Бик түҙеп торғоһоҙ, һуңғы сиккә еткән саҡтарында ирҙәр ҙә илай ул. Был уйнаш балалар өйҙә юғында йыш ҡына ҡабатланып торҙо. Яҙ урталарында өйгә ҡатыны менән бер нисә ир килеп инде һәм, йыһаздарҙы сығарып, машинаға тейәй башланылар. Затлыраҡ әйбер-ҡараны алып сығып бөткәс, ҡатыны Самат янына керҙе һәм, баҡсаға барып йөрөй күрмәһендәр, һаттым мин уны, тип кенә сығып китте. Өс көн үткәс, күп илауҙан күҙ-башы шешенеп бөткән Клара килеп, Барыйҙың үҙен ташлап, Гөлдәр менән күрше ҡалаға күсеп китеүҙәрен һөйләп сыҡты. Бынан һуң биш йыл ғүмер уҙып китте. Саматтың өлкән улы, әрменән ҡайтып, өйләнде. Хәҙер үҙе малай үҫтерә. Уртансыһы әлеге көндә хеҙмәт итеп йөрөй. Кесеһе лә һөнәрселек училищеһын тамамлай. Ә Самат… Самат ни хикмәттәндер аяғына баҫты. Тотлоға-тотлоға булһа ла һөйләшеп алып китте. Күптән түгел хәл белергә индем. Ейәне менән уйнап, уны ҡарап торорға ҡулынан килгәненә шатланып, күҙҙәрендә бәхет осҡондары сағылған Самат ағай: - Аллаға шөкөр, үҙем ярҙамсыға әйләндем әле. Кеше ҡулына ҡалыуҙан да ауыры юҡ. Хәҙер көндән-көн үҙемде нисауа тоям. Хатта бер көн Клара килеп мине күрҙе лә: «Әйҙә, тегеләргә үс итеп өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ», - тине әле тип көлөмһөрәне һәм, бер аҙ моңһоуланып, өҫтәп ҡуйҙы. – Гөлдәр инеп сыҡты әле… Судлашып, фатирҙы бүлеп алырға йөрөй… Бер аҙ донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырғас, ағай тағы һүҙҙе ҡатынына борҙо: - Малайҙар өйгә аяҡ баҫтырмаҫҡа ҡуштылар ҙа ул. Тик һаман яратам бит мин уны… Мужыт кире ҡайтыр, ә?.. Әй, бахыр өмөт һәм бахыр әҙәм балаһы! Ә, бәлки, ысынлап та, бер ни булмағандай, юха йылмайып, ҡайтып та инер. Булмаҫ, тимә… Тик ул һиңә бәхет килтерер микән?! II. МӨХӘББӘТЕМ… САБЫРЛЫҠ ҠАНАТЫМ Сөгөлдөр баҫыуынан – утауҙан ҡайтып килгәндә систе серен Әҡлимә әхирәтенә: - Эй, дуҫҡайым, Әхмәткә ғашиҡмын мин! Белһәң ине йөрәккәйемдең ни эшләүҙәрен! Бына-бына осоп сығып китәм тип, ҡанаталанып тибә! Әхмәт тә һөйәлер, күрәһең. Кисә Зәйни артынан осрашыуға саҡырып яҙыу ебәргән. Әхирәтенең һүҙҙәре Гөлшаттың йөрәгенә энә булып ҡаҙалды. Ул хыялында йөрөткән, уйҙар диңгеҙендә сумдырып, йоҡоһоҙ төндәр кисерткән егетте Әҡлимә ярата?! Әхмәт тә әхирәтенә ғашиҡ!? Нисек кенә һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, ҡапыл биләп алған уй-хистәре йөҙөнә сыҡты, күрәһең. Янында елпенеп атлап килгән Әҡлимә әхирәтенә бәхетле ҡарашын төшөрөп алды ла: - Ниңә кәйефең ҡырылды? Әллә һин дә уға… Ҡара уны, юлыма сығаһы булма! Күҙҙәреңде тырнармын, бынау толомдарыңды бөртөкләп йолҡормон! – тине, шаяртып, һәм дуҫ ҡыҙының яурындарынан ҡосаҡлап алды. Юҡ, юлдарына ҡаршы төшмәне Гөлшат. Киреһенсә, үҙенең хис-тойғоларын күңел түренә бикләп, ике йәш йөрәкте тоташтырыусы күпер булды. Башта араларында хат ташыусы, осраштырыусы, аҙаҡ туйҙарында шаһит булды ул. Гөлшатты яңғыҙын яуапһыҙ һөйөү утында ҡалдырып, сибәрлеге менән унан күпкә ҡайтыш булған әхирәтен һайланы шул Әхмәт. Айытбай ҡарттың танауын һөртә-һөртә: «Мөхәббәттең күҙе юҡ, уға маңҡа не мешает!» - тигәне хаҡтыр, күрәһең. Йылдар үтһә лә, Әхмәткә булған мөхәббәте һүнмәне лә, һүрелмәне лә Гөлшаттың. Ғүмер уҙған һайын нығынып, көсәйә генә барҙы. Йәшләй генә кейәүгә сыға һалған Әҡлимә йыл һайын тип әйтерлек бала тапты. Үҙе баланан һуң, бер-ике генә ай ял итеп, фермаға һыйыр һауырға йөрөнө. Ә ире унда алыштырғыһыҙ мөдир булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ситтән тороп зоотехниклыҡҡа уҡып сыҡты. Салауат медучилищеһын бөтөрөп, ауылдарындағы медпунктта эшләгән Гөлшаттарҙың күршеһендә генә яңы өй һалып керҙеләр. Гөлшат эше буйынса ла, күрше генә булғас, былай ҙа йыш ҡына кергеләне уларға. Әллә үҙенеке юҡлыҡҡа, әллә Әхмәттекеләр булғанға, икәүһенең хатта «кендек әбейе» булған балаларын ныҡ яратты. Килгән һайын ҡулында күстәнәс-фәлән өҙөлмәне. Тегеләре лә, уны бик тә үҙ итте. Әлбиттә, сибәр ҡатынды яулаусылар ҙа аҙ булманы. Тик мөхәббәтһеҙ ҡауышып йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәне Гөлшат. Төндә килеп, күҙҙәрен майландырып ишек төбөндә ата бесәй һымаҡ мырлаусылар ҙа юҡ түгел ине. Ләкин һәр береһен ҡаты ғына итеп үҙ урындарына ултыртҡас, ҡабат ишек тырнаусы булманы. Ә бер ваҡыт Әхмәт ҡайҙандыр ситтән килеп ферма бинаһы төҙөүсе шабашниктарҙың береһен эйәртеп килеп ингәйне. «Ҡатыны менән айырылышҡан, үҙе былай ипле генә күренә. Әллә никах уҡытып ебәрәйекме?» – тине ул. Әхмәт әйткәс, бигерәк тә уға оҡшаған кеше булғас, Гөлшат риза булыбыраҡ та ҡуйған ине. Тик тегенеһенең ике бәләкәй генә ҡыҙыҡайы булыуын ишеткәс: «Ҡуй, балаларыңды етем итмә. Улар хаҡына булһа ла ҡатының менән ҡабат ҡауышырға тырыш», - тип кире бороп сығарҙы. Атаһы ташлап сығып китеп, әсәһе ҡулында ғына тәрбиәләнеп үҫкән ҡатын тере етемлектең ни икәнен бик яҡшы белә ине. Бәлә кеше башынан йөрөй тиһәләр ҙә, һайлап йөрөмәй икән шул! Яңы ғына алтынсы балаһынан ҡотолған Әҡлимәне паралич һуҡты. Һөйөп-һөйөлөп, дәртләнеп эшләп йөрөгән йәш ҡатын, йәй уртаһында ҡырау һуҡҡан гөлдәй бөгөлөп, ҡабат тормаҫҡа урынына ятты. Бәлки, ҡайһы бер ирҙәр был ҡапыл килгән бәләнән һеңгеҙәп ҡалыр, балаларын берәм-берәм балалар йортона оҙатып, эскегә лә һабышып китер ине. Ләкин башта алйырабыраҡ ҡалғандай тойолһа ла, Әхмәт бирешмәне. Төн йоҡоһон йоҡламаһа-йоҡламаны, фермаһына ла өлгөрҙө, ихатаһы тулы мал-тыуарын да ҡараны, балаларын да әҙәмсә тәрбиә итергә тырышты. Әлбиттә, уға йыл ярым элек әсәһен ерләп бөтөнләй яңғыҙ ҡалған Гөлшат ҙур таяныс булды. Аҡрынлап күрше ҡатын бөтә өй эшен, балаларҙы, әхирәтен тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алды. Әҡлимәнең ғазапланып ятыуына йөрәге әрнеһә лә, һөйгән кешеһенең яурынына төшкән ауырлыҡты күтәрешә алыуына ҡыуаныс та кисерҙе ул. Бәхеткә күрә, урынынан ҡуҙғала алмаһа ла сабыйҙы имеҙҙереп алырлыҡ һөтө булды Әҡлимәнең. Үҙен күрһәтмәгән табип ҡалманы тип әйтерлек, ләкин файҙаһы булманы. Шулай өс йыл самаһы ваҡыт уҙғас, инде терелеп аяҡҡа баҫырға өмөтөн өҙгән Әҡлимә, Гөлшат менән Әхмәтте үҙ янына саҡырып алды ла, күҙ йәштәренә быуыла-быуыла былай тип һүҙ башланы: Икегеҙгә лә изгелегегеҙ өсөн оло рәхмәтлемен… Әхмәт, һин йәшһең әле, ҡатын наҙы кәрәк һиңә! Уны бирә алмауым өсөн ғәфү ит… Ә һинең, Гөлшат… Әхмәтте яратыуыңды беләм мин… һин дә ике ут араһында янып йөрөмә… Өйләнешегеҙ әйҙә! Законлымы, былаймы – ҡауышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ… Хет балалар хаҡына! Әҡлимәгә был һүҙҙәрҙе әйтеүе нисек ҡыйын икәнен белеү, Әхмәткә булған саф һөйөүен уға үҙ ауыҙынан түгел, башҡаларҙың еткереүе Гөлшатты тетрәтеп, ҡапыл күңелен тултырып ебәрҙе. Ул эйелеп әхирәтенең ҡулбашынан ҡосаҡланы һәм үкһей-үкһей: - Ни һөйләйһең һин, Әҡлимә?! Тиҙҙән, Хоҙай насип итеп, аяғыңа ла баҫырһың әле. Ирең, балаларың менән тағы ла бәхетлерәк йәшәп китерһегеҙ! – тип һөйләнде. Әлбиттә, Гөлшаттың яратҡан кешеһенең күкрәгенә башын һалып һөйөләһе, ә әзмәүерҙәй ирҙең янындағы сибәр, йәш ҡатынды ҡосағына алып иркәләйһе, иркәләнәһе лә килгәндер. Ләкин, береһе мөхәббәтен сабырлыҡ ҡанаты итеп, икенсеһе дәртен ауыҙлыҡлап, былай ҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған Әҡлимәнең йөрәгенә тағы ла әрнеү өҫтәргә баҙнат итмәнеләр. Ауылда күптән инде юҡтан ғәйеп табып, энәне дөйәгә әйләндереүсе ҡайһы бер осло теллеләрҙең: «Әхмәткә йәтеш, ике бисә менән рәхәтләнә!» - тигән ғәйбәте таралған ине инде. Ләкин тегеләре, кеше һүҙенә ҡарамай, элеккесә йәшәй бирҙе. Әҡлимә тағы ла ете йыл йәшәп, ҡоро һөйәк менән күҙҙәре генә тороп ҡалып, яҙғы иртәлә донъя ҡуйҙы. Йылын уҡытҡас, ҡауыштылар Әхмәт менән Гөлшат. Ике ихата араһында үҫкән ҡарт алмағас та, уларға фатиха биргәндәй, шау сәскәгә күмелгәйне ул мәл. Түле һаҡланған ҡатын яратҡан иренә өс малай, бер ҡыҙ табып бирҙе. Йөҙҙәрендә кисергән ҡайғы-хәсрәт эҙҙәре һаҡланһа ла, күҙҙәрендә бәхет нуры ла сағылып китә Федоровка районында йәшәүсе яңы таныштарымдың. Инде балалары хаҡына Хоҙай мәрхәмәте менән артабынғы тормош күктәре аяҙ булһын ине уларҙың. ЙОМҒАҠЛАП БЕР НИСӘ ҺҮҘ Был яҙмаларымдағы ғаиләләр яҙмышы, бер яҡтан, өҫтәренә төшкән бәлә менән бер-береһенә оҡшаш та, икенсе яҡтан, уны нисек ҡабул итеүҙәре, күтәреүҙәре менән ҡапма-ҡаршы ла. Йәғни, бер үк бәләгә ике төрлө ҡараш. Тәүгеһендә, һүрәтләнгән Гөлдәр бар ҡылығы менән фәхишәләрҙән дә яман тип әйтер инем. Улар тәндәрен һатһа ла, яҡындарын һатмай. Фәхишәләрҙең дә бит күбеһе сараһыҙҙан үҙен, балаларын ашатыр, кейендерер өсөн шул юлға баҫа. Ә Гөлдәрҙең ире елкәһендә паразит һымаҡ йәшәп, уға, балаларына хыянат итеүе, бар әйберҙәрен һыпырып алып сығып китеүе, етмәһә, фатирҙы бүлеп алырға йөрөүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Алмалары – балалары әсәһенән алыҫ төшөп, аталарына ауыр минуттарында ярҙам ҡулы һуҙғандары, уға тоғро ҡалғандары ҡыуаныс, әлбиттә. Ләкин Саматтың әле һаман шаңҡыған балыҡтай ысынбарлыҡҡа төшөнә алмайыраҡ йөрөүе ҡыҙғаныс. Быға, бәлки, үҙенең ябайлығы, бар нәмәне лә үҙ үлсәме менән үлсәүе, бәлки, ҡәһәрле сире лә сәбәплелер. Әллә, үҙе әйтмешләй «һаман өҙөлөп һөйөүе» (логика буйынса мөхәббәт күптән нәфрәткә әйләнергә тейеш тә бит) күҙен томалай. Бер кергән сағымда «Себерҙә себерелеп йөрөгәнсе, яныңда булһаң, бәлки, улай ҙа булмаҫ ине», - тип әйтергә уҡталдым да, ләкин уның ҡасандыр: «Башта уҡ саф түгел ине, һуңынан да йөрөй тип ишеткәйнем дә ул, ышанманым», - тип һөйләгәнен иҫләп, йәшләй аҙғынлыҡ юлына баҫҡан, унан йәм, тәм тапҡан әҙәмде бәйләп тотоп та тыя алмаҫ инең, тип уйлап өндәшмәнем. «Әллә мөхәббәттәре шул ҡәҙәре ҡаты булдымы икән?» – тип әйтеп ҡуйғайны Самат ҡатынын аҡлағандай. Ир менән ҡатын араһында һөйөү нисек кенә көслө булмаһын, әсә һөйөүе барыһынан да артығыраҡ булырға тейеш бит. Балаға алтыла ла, алтмышта ла әсә кәрәк. Ә инде бөйөк әсә исемен бысратып, әсәлек бурысына төкөрөп, ташлап киткән бисәһенә ҡарата улдарының: «Өйгә аяҡ баҫтыраһы булма!» - тигән һүҙҙәре был әҙәмгә хыянаты өсөн сығарылған иң юғары хөкөм ҡарарынан да ҡатыраҡтыр, тим. Саматтың: «Ҡуйынымда йылан аҫырағанмын икән», - тигәне ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡтыр, моғайын. Икенсе яҙмамдағы Гөлшат, әхмәттәрҙең был донъяла булыуҙары үҙе ҙур ҡыуаныс. Ундайҙарҙан торған ғаиләләр үҙҙәренең барлығы менән тирә-яҡҡа нур сәсә, йылы бөркә, йәм өҫтәй. Мин дә уларҙа булғанда йорт-ихаталағы етешлекте, бөхтәлекте күреп, өлкәнерәк балаларҙың да, кесерәктәренең дә бер-береһенә, ата-әсәләренә ихтирамын һиҙеп, көр-шат тауыштарын ишетеп, хужаларҙың ҡунаҡсыллығын тойоп, күңел рәхәтлеге кисерҙем. Тик хужабикәнең мөләйем йөҙө генә ҡайһы саҡ болоҡһоуланып китә ине. «Үҙемдең бәхетемде тапһам да, нисектер күңелем китек минең. Кеше өлөшөнә ингән кеүекмен. Бәлки, Әҡлимәнең аяуһыҙ сире миңә яҙһа, башҡалар өсөн дә һәйбәтерәк булыр ине лә бит, тик уны һорап та, бүлеп тә алып булмай шул!» - тигәйне ул. Юҡҡа күңелең әрнемәһен, Гөлшат апай! Һөйгән кешең менән ҡауышып, унан балалар табып йәшәү бәхетең, һинең тоғролоғоң, сабырлығың, изгелегең өсөн Хоҙай биргән хаҡлы бүләгең ул!
Рәсәй Президенты Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенә дәүләт наградаһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Александр Сидякин II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалына лайыҡ булды. Рәсми документта награда ҡыҫҡаса аңлатыла: хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы эш өсөн. Бүләкләү тураһындағы указда «Бәләбәй» заводының сеймал һатып алыу буйынса директоры Ольга Линкевичтың да исеме бар. Ул аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре исемен алды. http://www.bashinform.ru/news/1452810-vladimir-putin-nagradil-rukovoditelya-administratsii-glavy-bashkirii/ Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
“Мин – һөнәрмән” студент олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 24 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Иң яҡшыларҙы шәп бүләктәр көтә! #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан “Мин – һөнәрмән” студент олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 24 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Иң яҡшыларҙы шәп бүләктәр көтә! #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Олимпиада “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһы нигеҙендә үтә. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған олимпиадаға https://yandex.ru/profi адресы буйынса теркәлергә мөмкин. БР Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Лина Сарбаева әйтеүенсә, “Мин – һөнәрмән” олимпиадаһында техник, гуманитар, тәбиғи фәндәр кеүек төрлө һөнәр буйынса белем алған студенттар ҡатнаша ала. Бында абстракт эрудиция түгел, һөнәри белем тикшерелә. Эштәрҙе илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары һәм эре компаниялары эксперттары әҙерләй. Еңеүселәр аҡсалата приздар менән бүләкләнә, магистратура йәки аспирантураға инеү өсөн льгота бирелә. Шулай уҡ улар эш биреүселәр күҙенә лә салынып ҡала. Олимпиадаға бакалавриат, специалитет һәм магистратурала уҡыған студенттар саҡырыла. Унда ҡатнашыу түләүһеҙ. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
‒ Шулай. Атайым башҡа бер ваҡытта ла ауыҙына хәмер ҡапманы. Һүҙендә тормаҫ, тип уйлаһаҡ, әлхәмдүлилләһ, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте арҡылы «йәшел йылан» менән мәңгелеккә хушлашты ул Айгизә Асҡарова Ямғыр аҫтында доға «Тағы ла иҫереп ҡайтҡан», – тип әсенеп уйлап алды Рабиға*. Йәш саҡта, ярай, эсте инде. Бына олоғайған көндәрендә, исмаһам, бергәләп тәһәрәт алып, намаҙҙар уҡып ултырһаҡсы, тип хыяллана ла бит ҡатын, юҡ шул, үҙ һүҙле Зәйнәғәлеһе һаман элекке юлын ҡыуа: эсмәй һин дә мин бер килке йөрөгәндән һуң йәнә шайтан һыуына туйынып ҡайта. Айныҡ хәлендә лә ярһыу, ҡыҙыу, алабарман булған ирҙең һуҡмыш сағында бөтөнләй күҙенә салынмауың хәйерлерәк. Эсмәгән көндәрендә уға Рабиға: ‒ Зәйнәғәле, инде олоғайҙыҡ, теге донъяны ла уйларға кәрәк бит, ‒ тип ипләп кенә өндәшеп ҡарай. ‒ Ташла инде эсеүеңде, етәр. Ана, ейәндәребеҙ буй еткереп килә, уларға ниндәй үрнәк күрһәтәһең? Исмаһам, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ғибәҙәттәр ҡылып ултырһаңсы. Ире иһә дөрләп ҡабына ла китә: ‒ Мин һинең һымаҡ тамаҡ әҙерләп, ҡашығаяҡ йыуып, намаҙ уҡып ҡына ултыраммы әллә? Ана, фураж тарттырырға, малды ҡарарға кәрәк!.. Бына әле тағы иҫереп ҡайтҡан ир ҡатынына бәйләнде. ‒ Һикәлтәлә осҡо Байтимер менән эсеп ултыра инең! ‒ тип, һуғырға киҙәнә башламаһынмы. ‒ Тәүбә, әстәғфируллаһ, нимә һөйләйһең, күҙеңә күренәме әллә?.. Тышҡа йүгереп сығып өлгөрҙө ҡатын. Сикәләре буйлап әсе күҙ йәштәре аҡты. «Иҫереккә – диңгеҙ тубыҡтан... Күҙе аларып алған да баһа...» Рабиға, ҡалтыранып, һарай артына ышыҡланды. Шул саҡ ҡапыл күк күкрәп ебәрҙе лә, шабырлап ямғыр яуырға тотондо. Ҡурҡыуҙан да, иренең әлеге ҡылығынан ғәрләнеп тә ҡатын үкһеп-үкһеп илай һәм Аллаһҡа ялбара башланы: «Йә Раббым, Зәйнәғәленең йөрәген асһаңсы, күңеленә миһырбанлыҡ бирһәңсе! Ҡарт көнөмдә ниңә нахаҡҡа рәнйетә ул мине? Эй Аллаһым, һиңә генә һыйынам!..» Шулай ҡабатланы ла ҡабатланы. Ят ирҙәр менән эсеп ултырыу түгел, ситкә ҡарағаны ла булманы уның, йәштән итәғәтле булды Рабиға. Шайтан ҡотҡоһона бирелеп, шулай ҡыланамы Зәйнәғәлеһе?.. Был тиклем дә илағаны юҡ ине бөтә тойғоларын йөрәгендә тотоп өйрәнгән сабыр ҡатындың. Күпме шул рәүешле торғандыр, ҡапыл иренең йән өҙгөс тауышы һауа ярҙы: «Рабиға! Рабиға!» Был тағы ла шауларға, боларырға уйлай, тип ҡурҡып, һарай диуарына тағы ла нығыраҡ һыйынды бисара. Тауыш йәнә ҡабатланды. Биреләнергә уйлаған кешенең тауышына оҡшамаған да баһа, тип һағайҙы Рабиға. Йәлләткес итеп саҡыра ире. «Уй Аллаҡайым, йә бешерҙе, йә ҡырҡты инде берәй ерен», ‒ тип, ҡатын ҡойоп яуған ямғыр аҫтында шул арала йыйылырға өлгөргән күләүектәрҙе сәсрәтә-сәсрәтә өйөнә йүгерҙе. Бая ғына ажарланған иренең хәҙер ниңәлер ҡобараһы осҡан, йөҙө ағарынған, маңлайына тир бәреп сыҡҡан. ‒ Рабиға, миңә әллә ҡайҙан тауыш килде бит... Микрофондан яңғырап ишетелде, ‒ тип әйтеп һалды Зәйнәғәле. – Иртәгә магазин алдына сыҡ та, лә иләһә иллә Аллаһ, Мөхәммәт рәсүлуллаһ, тип ҡабатлап тор, тине! Ҡурҡышынан аҙарынған ирҙең хәле бик мөшкөл күренә ине. ‒ Йоҡлап китеп, һаташҡанһыңдыр, ҡолағыңа ишетелгәндер, ‒ тине аптыраған ҡатын, шыбырлап. ‒ Туҡта, әле һөйләп бөтмәнем! ‒ тип бүлдерҙе уны ире, тауышын күтәреп. ‒ «Лә иләһә иллә Аллаһ, Мөхәммәт рәсүлуллаһ, тип ҡабатлап әйт, иртәгә магазин алдына сыҡ», ‒ тине тауыш. Өй яңғырап торҙо. Шунан: «Мин улайтып магазин алдында ултырһам, малды кем ҡарай? Һыйырҙарҙы көтөүҙән алып ҡайтыр кәрәк бит», – тинем, аптырап. Теге тауыш: «Беҙ уны үҙебеҙ ҡайғыртырбыҙ», – тип яуапланы ла тынды! Рабиға ни тип өндәшергә лә белмәне, был ҡыланышы хәйерлегә генә булһын инде, тип эстән уйлана-уйлана түрбаштағы эшенә кереште. Бая ғына хәмер шауҡымынан иҫерек булған ир, әйтерһең, бөтөнләй эсмәгән дә, ап-айныҡ кеүек. Ҡатын, ҡурҡып, ирен күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтте. Уныһы иһә әлеге хәбәрен, үҙенә үҙе ышанмағандай, ҡабатлауын белде. Бер аҙҙан ирҙең йәнә дөрләп ҡабынып китеүенән ҡурҡһа ла: ‒ Зәйнәғәле, йоҡлап китеп, төш күргәнһеңдер, ‒ тип ҡабатлап өндәшмәй булдыра алманы. ‒ Ниңә йоҡлап китәйем ти? Йоҡламаным, тим бит! Төш менән ысынды айырмай, тиһеңме?! Рабиға башҡаса һүҙ ҡушыуҙы кәрәк тип тапманы... Иртәгәһенә Зәйнәғәле бер шешә араҡы тотоп ҡайтты. «Э-эй, кисә генә башҡа бер ҡасан да эсмәҫтәй булып хәбәр һөйләп ултырғас, күңелдә өмөт осҡоно ҡабынғайны ла... Буш булған...» Башын шундай йән көйҙөргөс уйҙар быраулаһа ла, сабыр ҡатын, ғәҙәтенсә, был юлы ла өндәшмәй түҙҙе. Зәйнәғәле, яңғыҙы бер шешәне бушатты ла: ‒ Был минең һуңғы араҡым булды. Башҡаса ауыҙыма ла алмайым, ‒ тип әйтеп һалды. Рабиға, уға әйләнеп бер ҡараш һирпте лә, үҙ эшен дауам итте. «Туҡран тәүбәһе, тиҙәрме әле, эскән кеше ундай вәғәҙәләр бирергә әүәҫ инде. Сираттағы әкиәтелер...» Тышта, кисәгенең дауамы булып, берсә ҡойоп, берсә һибәләп, ямғыр яуа. Зәйнәғәле, ямғырҙа кейә торған плащын бөркәнде лә, йәнә ҡайҙалыр сығып китте. ...Зәйнәғәле менән Рабиғаның ауылға ялға ҡайтҡан студент ҡыҙы Фирүзә, туҡталышта төшкәс, ауылының саф һауаһын һулап бер килке тирә-яҡҡа ҡарап торҙо ла тыуған йортона табан юл тотто. Магазин тәңгәленә еткәс, бала саҡ әхирәте Таңсулпанды тап итте. Ҡосаҡлашып күрешкәндән һуң сыу килеп хәл-әхүәл тураһында һөйләшеп алғас, Таңсулпан шулай тип сутылданы: ‒ Ҡара әле, һинең атайыңа аптыраныҡ. Яңыраҡ бер нисә көн ул ҡойоп яуған ямғыр аҫтында магазин ҡаршыһындағы эскәмйәлә сәғәттәр буйы ултырҙы. Иртәнсәк килә лә төштән һуң ғына ҡайтып китә. Уның улайтып көн яҡтыһында эскәмйәлә эшһеҙ тик ултырғанын күргән юҡ ине бит. Етмәһә, ямғыр яуа. ‒ Булмаҫ, берәйһе менән бутағанһыңдыр, ‒ тип ҡаштарын дуғаландырҙы ла Фирүзә, әхирәте менән хушлашып, йәһәтләп ҡайтырға ашыҡты. Ысынлап та, быға ниҙер булған, тип һығымта яһаны Фирүзә, атаһы менән күрешкәс. Аҙаҡ, Зәйнәғәле ихатаға сыҡҡас, әсәһе ҡыҙына теге «микрофондан ишетелгән сәйер тауыш» тураһында һөйләп бирҙе... * * * Яңы танышым Фирүзә үҙенең ата-әсәһе менән бәйле хикмәтле ваҡиғаны, кисә генә булған хәлдәй, бер тынала һөйләүен дауам итте: ‒ Шулай. Атайым башҡа бер ваҡытта ла ауыҙына хәмер ҡапманы. Һүҙендә тормаҫ, тип уйлаһаҡ, әлхәмдүлилләһ, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте арҡылы «йәшел йылан» менән мәңгелеккә хушлашты ул. Төрлө мәжлестәрҙә еҙнәләрем: «Ҡайным, тәмләп ебәр бынау шарапты, бер эскәндән әллә нимә булмаҫ», – тип ҡаңғырта башлаһа, ҡаты ғына итеп: «Мин уның менән әллә ҡасан уҡ хушлаштым. Әллә мин хәмерҙең тәмен белмәй тиһегеҙме?» – тип ҡаты ғына әйтеп ҡуйыр ине. Эсеүен ташлағас, алыштырып ҡуйғандай булды атайыбыҙ. Беҙ уға берсә ҡыуанып, берсә һағайып ҡараныҡ. Төшөмдә уны тағы эсә башлаған икән тип күрәм дә, һиҫкәнеп уянып китәм. Әлдә төш булған әле, тип һөйөнә торғайным. Хәйер, бер биш-алты йыл йөҙәтте ул мине ундай төштәр. Яйлап ҡына дин юлына ыңғайлай башлаған атайымды күреп, тағы ла ғәжәпләндек. Тәүҙәрәк, әсәйем өйрәткәнсә, йома көндәрендә ғөсөл ҡойоноп, доғалар ҡылып ултырыр булды ул. Аҙаҡтан ауылыбыҙҙа мәсет булмау сәбәпле клубта ойошторолған йома намаҙҙарына йөрөй башланы. Һәр иртәлә тәһәрәтләнеп, аяттар, хәҙистәр уҡып, ятлай алғанын ятлап ултырҙы. Ә әсәйем, дүрт синыф ҡына бөткән ябай ауыл ҡатыны булһа ла, шул тиклем тәрән аҡыллы, ауыр түләк кеше булды. Бәләкәй сағымда, мәктәптән ҡайтып: «Шул мине кәмһетте, миңә былай тине», ‒ тип ошаҡлашһам, матур ғына итеп: «Ҡыҙым, бер ҡасан да кешегә асыу һаҡлама, үс тотма. Аллаһ Тәғәлә барыһын да күрә, ишетә һәм барыһын да, ваҡыты еткәс, үҙ урынына ҡуя ул», – ти торғайны. Мин, уға эйәреп, биш йәшемдән үк «Фатиха», «Ихлас» сүрәләрен ятланым. Совет власы осоронда мәктәптәрҙә уҡыусыларға «Аллаһ юҡ» тип өйрәттеләр бит инде, әстәғфируллаһ. Әсәйем миңә: «Башҡалар юҡ тип иҫбатларға тырышһа ла, һин Аллаһтың барлығына эстән генә ышан», – ти торғайны. Атайым, эсеүен ташлап, дингә ҡайтҡас, әсәйҙең һаулығы ҡаҡшай төшкәнен аңғарҙыҡ. Сабыр холоҡло булһа ла, тилбер, ауыр эшкә әрһеҙ булды бит әсәйебеҙ. Ауыр күнәктәр, тоҡтар күтәрһенме, бесән ҡутарһынмы, инде башмаҡтай булған быҙауҙарҙы һыйырҙан айырыу тиһеңме – барыһын да, ярҙамға иҫәп тотмай, үҙе атҡарыр ине. Сирләй башлағас, бер нисә мәртәбә дауаханаға эләккәс тә, «донъям» тип, ҡасып тигәндәй ҡайтып килер ине. Беҙ, балалары, шул саҡта уҡ төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралып бөткәйнек инде. Табиптар әсәйебеҙгә көсәнеүҙе, кәртә-ҡура мәшәҡәттәре менән булыуҙы, ғөмүмән, ауыр эштәрҙе тыйып ҡайтарҙы. Беҙ малды бөтөрөү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, атайыбыҙ ҡырҡа ҡаршы торҙо: ‒ Юҡ! Хәҙерҙән үк малды бөтөрөп ни! Үҙем һауырмын. Һәм шулай итте лә. Һыйыр һауырға ултыра ла, ҡысҡырып тороп: «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-раджиим», – тип Ҡөрьән сүрәләрен ятлай башлар ине. Бына бит, әсәйебеҙҙең доғаһы арҡылы Аллаһ Тәғәлә атайыбыҙҙы тура юлға күндерҙе, әлхәмдүлилләһ! Әсәйем, олоғайғас, ғибәҙәтен тағы ла тулыландырҙы, камиллаштырҙы. Ауырып түшәккә ятҡас та намаҙҙарын ҡалдырмай уҡып барҙы. Күҙҙәренән сөбөрләп йәштәре ҡойолоп торор ине намаҙ ваҡытында. Беҙ, уның өсөн борсолоп: ‒ Әсәй, сәждә ҡылғанда сайҡалып китәһең, башың әйләнә бит. Ятып уҡы һуң, ‒ тибеҙ. Ул: ‒ Уҡығым килә бит әле, тороп уҡырлыҡ хәлем барҙа тыймағыҙ мине! – тип яуаплай. Әсәйем мәрхүм булып, күпмелер ваҡыт үткәс, атайыбыҙ һыйырҙарҙы бөтөрөп, һауын кәзәләре алды. Беҙ ҡайтҡанда һөтөн, ҡаймағын, эремсектәрен әҙерләп ҡуя ине. Кәзәләрҙе исем өсөн бер-икене генә түгел, ә күп итеп тотто, үрсетте. Яҙ етһә, ҡаҙ бәпкәләре һатып алып, көҙгә тиклем шуларҙы ҡарап, тәрбиәләп үҫтерҙе. Сәмләнеп донъя көттө. Холоҡ-фиғеле, үҙен тотошо бөтөнләй яҡшы яҡҡа үҙгәреп, беҙҙең өсөн оло терәккә әйләнде атайыбыҙ. Шулай, олоғайған көндәрен ғибәҙәттә үткәреп, ҡатынының, балаларының ҡәҙерен белеп, үҙе лә ҡәҙер-хөрмәттә булды, әлхәмдүлилләһ. Ҡайһы берәүҙәр яңғыҙ ҡалған атайҙары өсөн борсолоп, эсеп йөрөмәһен, иҫерек саҡта тәмәке төпсөгөн һүндермәйенсә иҙәнгә ташлап, өйҙө яндырып ҡуймаһын, тип ҡурҡһа, беҙ, киреһенсә, атайыбыҙ менән ғорурланып йәшәнек. Әсәйебеҙҙең элек: «Тәһәрәтләнеп, йома көнө булһа ла доға уҡып ултыр», – тиеүенә лә биреләнеп, дау ҡуптарған кеше хәҙер, алыштырып ҡуйған кеүек, беҙгә рухи терәк, хатта ҡайһы саҡта әсәй урынына йыуаныс булды ла ҡуйҙы. Беҙ ҡайтып киткән арала өгөт-нәсихәттәрен биреп, дини һабаҡтарын еткереп, изге теләктәрен теләп тороп ҡалыр ине. Оло ағайҙарымдың «байрам-фәлән» булғанда һыра шешәһе тотоп ҡайтҡанын күрһә, көйөнөп китер булды. «Бөтә бәләләр, фажиғәләр шул шешә арҡаһында бит! Беҙ йәш саҡта мәғлүмәт аҙ ине, алйотлоҡ менән эсеп йөрөлгән. Хәҙер радионан, телевизорҙан һөйләп, гәзиттәрҙә яҙып торалар, нисек шуның зыянын аңламайһығыҙ?» – тип шелтәләне, хәмерҙән ҡәтғи тыйҙы. Мәсеттән китаптар, йоҡа брошюралар һатып алып, бына ошо доғаны ятлап алығыҙ, ошо китапты уҡығыҙ, тип беҙгә таратты, дингә саҡырҙы, Аллаһ Тәғәләнең ризалығында йөрөгөҙ, тип оҙатыр булды. Әсәйем доға ҡылыуҙа беҙҙең өсөн үрнәк һаман да. Ире ниндәй холоҡло булыуға ҡарамаҫтан, шикләнмәй, Аллаһтан ярҙам һораған да һораған, һәм Раббыһы уға яуап биргән. Аллаһ теләгән кешеһен юлдан яҙҙыра йәки тура юлға күндерә, шуға күрә диндә булмаған яҡындарыбыҙ өсөн беҙ ҙә доға ҡылайыҡ, ялбарайыҡ. Һәм Аллаһ Тәғәлә мотлаҡ Үҙенең киң мәрхәмәтен күрһәтер! – Аллаһ Тәғәлә атай-әсәйебеҙҙе ярлыҡаһын, уларҙың ғибәҙәттәрен, беҙҙең доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын инде берүк, ‒ тип тарихын осланы танышым Фирүзә.
Коронавирус инфекцияһын еңел, симптомһыҙ үткәргән пациенттарға ла медицина реабилитацияһы кәрәк һәм ул мотлаҡ табип күҙәтеүендә үтергә тейеш. Был процесс бер нисә аҙнанан бер айға тиклем, айырым осраҡтарҙа бер йылғаса һуҙылыуы мөмкин. Сирҙе нисек еңел үткәрергә, нисек итеп тиҙерәк һауығырға һәм эҙемтәләр ихтималлығын кәметергә? Коронавирус инфекцияһын еңел, симптомһыҙ үткәргән пациенттарға ла медицина реабилитацияһы кәрәк һәм ул мотлаҡ табип күҙәтеүендә үтергә тейеш. Был процесс бер нисә аҙнанан бер айға тиклем, айырым осраҡтарҙа бер йылғаса һуҙылыуы мөмкин. Сирҙе нисек еңел үткәрергә, нисек итеп тиҙерәк һауығырға һәм эҙемтәләр ихтималлығын кәметергә? Был хаҡта Республика табип-физкультура диспансерының медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире Елена ИБРАҺИМОВА бына нимәләр белдерә.Билдәләре. Коронавирус сиренең билдәләре төрлө вариацияла булыуы мөмкин: тәм, еҫ һиҙмәү, тын алыуы ауырлашыу, тын ҡыҫылыу, күкрәк ситлегенең ҡыҫыуы, ҡоро йүтәл; температура күтәрелеүе, өшөү, быуындар һәм мускулдар ауыртыуы, даими арыу тойғоһо, баш ауыртыу, эс китеү, күңел болғаныу, ҡоҫтороу. Йәштәрҙә ул үрге тын алыу юлдары менән сикләнһә, ололарҙа билдәләр ул тиклем үк асыҡ булмауы ла мөмкин. Шуға ла был диагноз ҡуйыуҙы ауырлаштыра, һөҙөмтәлә яңылыш диагноз ҡуйыла йәки билдәләнгән дауа һөҙөмтә бирмәй. Оло йәштәге пациенттарҙа елһенеү процесы симптомһыҙ үтеүе ихтимал. Был иммунитеттың түбәнәйеүе, һаҡланыу көстәренең көсһөҙләнеүе менән бәйле. Юғары температуралы биҙгәк күҙәтелмәүе, тән температураһы 37 градустан артыҡ күтәрелмәүе йәки инфекция процесы осоронда үҙгәреүе мөмкин. Шуға күрә ололарға үҙ сәләмәтлектәренә иғтибарлы булырға һәм тәүге билдәләр күренеү менән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.COVID-19 менән сирләүселәрҙә ниндәй өҙлөгөүҙәр осрай? Сир бик йыш ауыр үтә, унан кәмендә ике аҙна дауаланалар. Әлегә коронавирустан һуң ниндәй өҙлөгөүҙәр булыу ихтималлығы аныҡ билдәле түгел. Хатта инфекцияны еңел һәм симптомһыҙ үткәреүселәр ҙә бынан азат түгел. 65 йәштән өлкәндәр бигерәк тә хәүеф аҫтында, сөнки уларҙың иммунитеты көсһөҙләнгән, танау ҡыуышлығының һәм тын алыу системаһының башҡа лайлалы өлөшө үҙенең һаҡлау функцияһын үтәп өлгөрә алмай. Һөҙөмтәлә инфекция сирен ҡуҙғытыусы ҡанға үтеп инә һәм тотош организмға тарала. Был торош хроник сирҙәр менән тағы ла ҡатмарлаштырыла.Дөйөм алғанда, ауырығандан һуң хәл булмай, тиҙ арыта, иммунитет эшмәкәрлеге боҙола һәм организмдың вируслы ауырыуҙарға ҡаршы тороуы кәмей. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, коронавирус үпкәләргә генә түгел, тотош организмға кире йоғонто яһауы менән хәүефле. Тын алыу, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан, репродуктив, бәүел-енес системалары эшмәкәрлеге үҙгәрә.COVID-19 өҙлөгөүе булараҡ барлыҡҡа килгән үпкә фиброзы бик күп патологияларҙың сәбәбе булып тороуы мөмкин: үпкә туҡымалары кислородты үткәрмәгән һәм тын алмаған тупаҫ туҡымаға әүерелә. Был торошто аҙҙырғанда йөрәк һәм ҡан тамырҙары проблемалары башлана, хроник йөрәк етешһеҙлеге барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, әгәр кеше икенсе ҡатҡа быға тиклем еңел генә менеп, хәҙер тыны ҡыҫылһа, уйланырға урын бар. Әгәр сир юҡ, ә тын ҡыҫыла икән - был йөрәктең насар эшләүенең беренсе күрһәткесе. Сир һөҙөмтәһендә инфаркт, инсульт, тромбоз һәм эмболия барлыҡҡа килеүе ихтимал. Миокардит, йөрәк мускулдарының ялҡынһыныуы шунда уҡ түгел, бер ни тиклем ваҡыттан һуң үҙен һиҙҙерергә мөмкин.Оҙайлы инфекция һөҙөмтәһе булып бөйөр сирҙәре: пиелонефрит, гломерулонефрит - шешенеү, 37-нән төшмәгән температура, хәлһеҙлек уйланырға мәжбүр итергә тейеш; антибиотиктарҙы оҙайлы ҡабул иткәндән һуң бөйөр токсик зарарланырға мөмкин. Иммунодефицит организмдың вируслы инфекцияларға ҡаршы тороуын кәметә, ОРВИ, киҙеү, парагрипп менән сирләү ихтималлығы арта.Сирләгәндән һуң ниндәй реабилитация саралары билдәләнә. Тәү сиратта, тын алыу, физик әүҙемлек, көсөргәнешкә сыҙамлылыҡ, стресты, тынысһыҙлыҡты йәки депрессияны еңеү функцияларын тергеҙеү зарур. Тын алыуға килгәндә, бында үпкәләрҙең күләмен ҙурайтыуға, уның тын алыу мускулдарының эшмәкәрлеген көсәйтеүгә баҫым яһала. Вирус йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән фиброз үҙгәрештәр дауалауға аҡрын килә, тигән фекер йәшәй. Әммә органимздың адаптация мөмкинлектәрен бергә туплағанда һәм дөрөҫ дауалағанда пациент тулыһынса һауығырға мөмкин. Иң мөһиме - реабилитацияны дауаланыу туҡтау менән башларға һәм тулыһынса башҡарырға кәрәк. Белгес менән кәңәшләшкәндән һуң, пациент үҙ аллы системалы рәүештә аэроб көсөргәнеш алырға, тын алыу гимнастикаһы эшләргә, саф һауала йөрөргә, скандинавса атлау менән шөғөлләнергә тейеш. Шулай уҡ нормаль йоҡо, рациональ, тулы һәм витаминдарға бай, баланслы туҡланыу мөһим.Коронавирус беҙгә мәңгелеккә килде һәм шуға ла барыбыҙға ла сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы булырға, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, йыл һайын диспансерлаштырыу үтергә, ниндәйҙер тайпылыш булғанда табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк. "Киске Өфө" гәзитенән. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Гимназиябыҙҙың тамаша залында Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән осрашыу уҙҙы. Ул беҙгә батырыбыҙ тураһында документаль фильм төшөрөлөүе, ҡыҙҙары Таңсулпан менән Зөһрәнең был ҙур эшкә илһамланып тотоноуҙары хаҡында һөйләне. Салауат – милли батырыбыҙ. Һәр быуын уның тураһында яңы мәғлүмәттәр табырға, тормошо хаҡында күберәк белергә теләй. Салауат менән атаһын Рогервик нығытмаһына алып барған юлдан ижади төркөм 243 йылдан һуң тағы ла бер тапҡыр үтә. Сәйәхәттәре алдынан улар батырыбыҙҙың тыуған ауылы урынына барып, бәләкәй тоҡсайҙарға ер һалып ала. Палдискиҙа Салауат төрмәлә ултырған ваҡытта төҙөлгән сиркәүҙә лә булалар. Ундағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән әңгәмәләшәләр, Салауат тураһында кино күрһәтәләр, батырҙарыбыҙ ябылған зиндандарҙы ла күрәләр. Салауат Юлаев, Ҡәнзәфәр Усаев, атаһы Юлай Аҙналин тураһында яҙылған берҙән-бер документ нөсхәһе менән дә танышалар. Уларға батырыбыҙ ерләнгән урынды ла күрһәтәләр. «Салауат юлдары буйлап» фильмы беҙгә ныҡ оҡшаны. Батырыбыҙ ролен Морат Рафиҡов уйнай, ә атаһын – Илдар Ғүмәров. Фильм геройҙарының Балтик яры буйында аяҡ-ҡулдары бәйле килеш таш ташыған ваҡыттары, диңгеҙгә ҡарап уйланып тороуҙары, зиндандағы ихтилал, ҡорбан булған халыҡ тураһында һөйләшеүҙәре уйландыра. Ирекһеҙҙән, күҙгә йәштәр килә. Милли батырыбыҙ тураһында фильм төшөргән ижади төркөмгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Фидан БӘШИРОВ, VII «В» синыфы уҡыусыһы. Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Енәйәт Иглин ҡасабаһында теркәлгән. Аҡса бурҙары байлыҡты ҡулға төшөрөү өсөн 11 сәғәт буйы банкоматты аҡтарған. Ваҡиға 3 октябрҙән алып 4 октябргә ҡарай теркәлгән. Ҡараҡтар банкомат торған магазин бинаһына үтеп ингән. Шулай уҡ үҙҙәре менән бензин яғыулығында эшләгән болгаркалар һәм уларға 6 запас диск, яғыулыҡ та хәстәрләй. Енәйәт киске 9 сәғәттән алып таңғы 8-гә тиклем дауам итә. Шуныһы ҡыҙыҡ, таңғы сәғәт 5-ҙә хәүефһеҙлек сигналы эшләй һәм енәйәт урынына хоҡуҡ һаҡсылары килә әммә бер нәмә лә күрмәй. Банкоматты емереп аҡса урлау факты икенсе көндә иртән генә асыҡлана. Әле 4, 3 миллион һум урлаған ҡараҡтарҙы эҙләйҙәр. www.ye02.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы иммунлаштырыу башланды. Иң тәүҙә кемдәр вакцинацияланасаҡ? был хаҡта - сайтта: Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы иммунлаштырыу башланды. Беренсе нәүбәттә 18 йәштән өлкән кешеләр - медицина, белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре; социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында йәшәүселәр; хроник сирлеләр, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр; башҡа хәүеф төркөмөнә ҡараусылар - вакцинациялансаҡ. В ГБУЗ РБ Исянгуловская ЦРБ началась иммунизация против новой коронавирусной инфекции взрослого населения в возрасте старше 18 лет: (работников медицинских, образовательных организаций; работников учреждений социального обслуживания, лиц, проживающих в стационарных учреждениях социального обслуживания; лиц с хроническими заболеваниями, в том числе в возрасте старше 60 лет; лиц других групп риска) Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
2020 йылдың 3 июлендә «Торатау» геопаркында эко-отелде асыу тантанаһы уҙҙы. Отель Ишембай районында Торатау итәгендә урынлашҡан ете тирмәнән һәм кафенан тора. Башҡорт тирмәләре ҡурай сәскәһе тажы формаһында ҡоролған. 2020 йылдың 3 июлендә «Торатау» геопаркында эко-отелде асыу тантанаһы уҙҙы. Отель Ишембай районында Торатау итәгендә урынлашҡан ете тирмәнән һәм кафенан тора. Башҡорт тирмәләре ҡурай сәскәһе тажы формаһында ҡоролған. Әлеге эко-отелде төҙөү идеяһы — урында йәшәүсе Тимур Искәндәровтыҡы. 2015 йылда уҡ уның Башҡортостандың күркәм мөйөшөндә асыҡ һауала туристар өсөн лагерь ойоштороу хыялы барлыҡҡа килгән. Тимур урындағы тәбиғәткә, уның үҙенсәлегенә ғашиҡ. Уға хыялын тормошҡа ашырырға фекерҙәштәр командаһы ярҙам иткән. «Торатау» геопаркы вәкилдәре, Ишембай районы хакимиәте һәм урындағы эшҡыуарҙар ҡатнашҡан. «Торатау» эко-отеле туристарҙы йәй көнө генә түгел, һалҡын миҙгелдә лә ҡабул итергә ниәтләй. Көҙгә табан бөтә тирмәләрҙе лә йылыталар. Әле эко-отель биләмәһендә ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Туристарға бер нисә күңел асыу программаһы тәҡдим итеү ҡаралған. Хәҙер тауға гид менән менергә була. Шулай уҡ атта, велосипедта йөрөргә, милли аш-һыу менән һыйланырға, башҡорт тирмәләренең йыһазын күрергә мөмкин. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, яҡын ҡалаларҙан автобустарҙы рейсҡа сығарыу ниәте бар. "Башинформ" https://www.bashinform.ru/news/1469619-u-podnozhiya-gory-toratau-otkrylsya-eko-otel-/ Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Стистика буйынса, янғын йәһәтенән хәүефле көҙгө-ҡышҡы осор башланыу менән янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта. Ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре - мейес менән һәм электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү. Уҙған аҙнала республикала йылытыу мейесен эксплуатациялау ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә - 10, электр йыһаздарын урынлаштырыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә - 16, газ йыһаздарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә өс янғын сыҡҡан. Бөгөнгө көндә барлығы 9108 янғын сығып, унда 194 кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йылытыу приборҙарынан файҙаланыуҙың ябай ҡағиҙәләрен хәтерегеҙгә төшөрә. Янғын хәүефһеҙлеге талаптары нормаһына һәм ҡағиҙәләренә тап килгән йорт (фатир) унда йәшәүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге гаранты булып хеҙмәт итеүен иҫтә тоторға кәрәк. Мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ тикшереп торорға, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға, сарҙаҡта, ҡыйыҡта мөрйәне аҡларға кәрәк. Өс айға бер тапҡыр мейестең төтөн юлдарын йыйылған ҡоромдан таҙартыу мөһим. Мейесте яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк: мейес һәм башҡа йылытыу ҡорамалдары янында янғынға ҡаршы бүлемдәр (отступ), шулай уҡ мейес алдында ағас иҙәндә 50х70 см ҙурлыҡта тимер киҫәге булырға тейеш. Мейес янында һәм уның өҫтөндә тиҙ тоҡанып китеүсе әйбер һәм материалдар һаҡларға, кер киптерергә ярамай. Бер юлы бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡабыҙыу, ваҡытлыса ҡуйылған электр үткәргесте файҙаланыу, ҡулдан эшләнгән электр йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Электр йылытыу приборҙарын тәҙрә пәрҙәләре, мебель һәм башҡа тиҙ тоҡанып китеүсе әйберҙәр янына ҡуйырға ярамай. Йылытҡыс янмай торған таяуҙарҙа торорға тейеш. Иң мөһиме – электр йылытыу приборҙарын, шулай уҡ башҡа көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай. Йылытҡыс электр көнкүреш приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләре: - электр селтәренә тоташтырылған көнкүреш приборҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ; - электр үткәргестең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, боҙоҡ электр приборҙарынан, электр розеткаларынан файҙаланмағыҙ; - электр приборҙарын завод инструкциялары талаптарына ярашлы фвйҙаланығыҙ; - бер электр розеткаһына бер юлы бер нисә электр приборын тоташтырмағыҙ, электр селтәренә көс төшәсәк; - асыҡ ут сығанаҡтарынан (шәм, шырпы) файҙаланыу зарурлығы барлыҡҡа килгән осраҡта һаҡ булығыҙ; - электр приборҙары өҫтөндә кейем киптермәгеҙ һәм башҡа төрлө янып китеүсән материалдар ҡуймағыҙ. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе янғындан һаҡлап ҡала алырһығыҙ. Ут тоҡанып китеүҙе һәм һөҙөмтәлә янғын сығыуҙы, кешеләрҙең үлемен һәм матди зыянды булдырмау өсөн һәм автоном янғын тураһында хәбәр итеү яйланмаһын урынлаштырыу зарур, ул төтөн еҫен һиҙә һәм ныҡ итеп һыҙғыра башлай. Өс йыл эсендә республикала ошо хәбәр итеү яйланмаһы ярҙамында 286 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған, уларҙың 126һы - бала. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғындың сәбәптәре төрлө, ә бында берәү генә ғәйепле - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән кеше. Тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙә ғәйеплеләр, янғындарҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүенә бәйле рәүештә закон тәртибендә яуаплылыҡҡа тарттырыла. Һуңынан үкенмәҫ өсөн янғынды иҫкәртеү еңелерәк. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетытының янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Башҡортостанда 2018 йылда 6,8 тонна алтын һәм 41,6 килограмм бөртөклө ҡиммәтле металл сығарғандар. Экология министрлығының тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхит торошо тураһында дәүләт докладында ошо хаҡта хәбәр ителә. Башҡортостанда 321 ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы, 264 — мәғдән, 67 мәғдән булмаған ятҡылыҡтар теркәлгән. Былтыр 4,1 миллион тонна баҡырлы мәғдән, 69,7 тонна көмөш, 3 миллион тонна аш тоҙо, химик етештереү өсөн 2,5 миллион тонна эзбиз, цемент етештереү өсөн 1,8 миллион тонна, 385 мең тонна гипс, 441 мең тонна балсыҡ, 103 мең кубометр гранит, 12 мең тонна тальк сығарылған. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 209 нефть һәм газ ятҡылығы теркәлгән. 2018 йылда «Башнефть», «Лукойл-Пермь», «Ингеохолдинг» сеймал сығарыу менән шөғөлләнгән. Ер аҫтынан 16,1 миллион тонна нефть сығарылған. «Башнефть» компанияһының төп табыш күләме — 15,8 миллион тонна. Ҡалдыҡ запастар — 443 миллион тонна. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ошондай күләмдә сығарғанда, нефть 27 йылға етергә тейеш. Башҡортостанда һоро күмерҙең запасы 250 миллион тоннанан ашыу тәшкил итә. Көньяҡ Көйөргәҙе, Көйөргәҙе, Кривлев, Маяҡ һәм Бабай ятҡылыҡтары эшләй. http://www.bashinform.ru/news/1337477-v-bashkirii-v-2018-godu-dobyli-6800-kilogrammov-zolota/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
“Музейҙар төнө-2019” Халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә 16 майҙа район үҙәгендәге музейҙарҙа ла саралар ойоштороласаҡ. “Музейҙар төнө-2019” Халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә 16 майҙа район үҙәгендәге музейҙарҙа ла саралар ойоштороласаҡ. Ә. Сөләймәновтың музейында “Бәйләнештә” селтәрендәге “Рухиәт” төркөмө ойошторған “Ҡарһүҙ” видеоконкурсы еңеүселәренә экскурсия үткәреү күҙалланһа, М. Сәғитов музейында балаларға әкиәт күрһәтеү, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фатима Ғәйнуллина менән осрашыу, “Тыуған ерем – Башҡортостан” исемле күргәҙмә, М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған документаль фильм күрһәтеү, Ғәлиә Ырыҫбаеванан - матурлыҡ серҙәре, Розалия Ғүмәрованан һабын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтөлә. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Атап әйткәндә, улар хәрбиҙәргә хеҙмәте тураһында мәғлүмәтте журналистарға еткереүҙе, социаль селтәрҙәргә һалыуҙы, үҙе менән ҡайһы бер осраҡта гаджеттар алып йөрөүҙе тыя. Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер хәрби хәрәкәттәр ваҡытында, нарядта булғанда, күнекмәләр мәлендә, походта, маршта саҡта һалдаттарға үҙе менән кеҫә телефоны һәм башҡа гаджеттар йөрөтөргә ярамай. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда быйылғы ноябрь аҙағына ҡарата1 810 081 ер биләмәһе кадастр иҫәбенә ҡуйылған. “Росреестр”ҙың республика бүлексәһе белдереүенсә, ер биләмәләре ғәмәлдә был һандан байтаҡҡа күберәк, ләкин улары дәүләт теркәүе үтмәгән, йәғни хужалары билдәле түгел һәм һалым түләмәй. Шуға бәйле, әүҙем рәүештә тотош республикала ер майҙандары теркәлә. Был осраҡта милекселәрҙең үҙҙә­ренә биләмәләрҙең сиген билдәләргә һәм ерҙе кадастр иҫәбенә ҡуйырға тәҡдим ителә. Элегерәк ошо ҡанунды үтәмәгән­дәрҙең ер биләмәһе тартып алынасағы һәм уларҙың теркәү үткәреү хоҡуғында сикләнәсәге тураһындағы мәғлүмәт тә бирелгәйне. Биләмәһе кадастр карта­һында билдәләнмәгән хужа­ларҙы нимә көтә? “Росреестр”ҙа аңлатыуҙарынса, ер майҙанының сиген аныҡламау (межа һыҙығын билдәләмәү) милек хоҡуғынан мәхрүм итмәй һәм хужа өсөн бер ниндәй ҙә кире эҙемтә тыуҙырмай. Беренсенән, “Күсемһеҙ милекте дәү­ләт теркәүе тураһында”ғы Федераль закон ер майҙаны хужаларын сиктәрҙе аныҡларға мәжбүр итмәй. Берҙәм дәү­ләт реестрына индереү-индермәүҙе шу­лай уҡ милексе хәл итә, был бер нин­дәй ваҡыт арауығы менән дә сик­ләнмәй. Икенсенән, ошо яңы ҡанун файҙа­ла­ныуға ингәнгә саҡлы теркәлгән ер билә­мәләре юридик яҡтан ғәмәлгә яраҡлы тип таныла, йәғни әгәр ҙә ерҙе ҡайҙа урынлашыуы тураһындағы мәғ­лүмәтте талап итмәгән иҫке ҡағиҙәләр буйынса теркәгәнһегеҙ икән, документ­тарҙы ҡабаттан эшләтеүҙең кәрәге юҡ. Өсөнсөнән, межа тураһындағы мәғ­лү­мәттең булмауы теркәү хоҡуҡтарын туҡтата алмай. “Ғәмәлдәге ҡануниәт Бер­ҙәм дәүләт реестрында мәғлүмәт бирелгән, ләкин сиктәре ҡануни талап­тарға ярашлы билдәләнмәгән ер участ­каһын һатыу йәки һатып алыуҙы сик­ләмәй”, – тип раҫлайҙар “Росреестр”ҙа. Шулай ҙа хәүеф юҡ түгел. Әгәр ҙә Бер­ҙәм реестрҙа сик тураһындағы мәғ­лүмәт юҡ икән, күршеләр йәки власть органдары менән бәхәсле хәл тыуыуы мөмкин. Торлаҡ йорт йәки ҡаралтының сит биләмәлә барлыҡҡа килеү осраҡ­та­ры ла аҙ түгел. Өфө районында, мә­ҫә­лән, ҡасаба халҡын хеҙмәтләндергән дөйөм юлдың шәхси биләмә аша үтеү осрағы ла билдәле. Һеҙҙең биләмәнең сиге билдәлән­гәнме? Быны Күп функциялы үҙәктең Берҙәм күсемһеҙ мөлкәт реестрында йәки “Росреестр”ҙа, ә тағы ла тиҙерәге уларҙың сайтында асыҡлап була. Әгәр ҙә бирелгән белешмәлә йәки сайттағы бүлектә межа үткәрелмәүе тураһында әйтелһә, кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Биләмәгә һәм башҡары­лыр­ға тейешле бурысҡа ҡарап, был хеҙмәт биш мең һумдан алып 30 мең һумға саҡлы төшәсәк. Инженер сик тураһын­дағы мәғлүмәт күрһәтелгән белешмәне биргәс тә кадастр иҫәбенә баҫыу мотлаҡ. Быны Күп функциялы үҙәктә лә эшләп була. Ошонан һуң һеҙҙең биләмә дәүләт реестрына индерелә. Шуныһын да онот­маҫҡа кәрәк: асыҡ ҡулланыуҙағы кадастр картаһындағы мәғлүмәттәр йылына бер нисә тапҡыр ғына яңыртыла, шуға күрә һеҙҙең мәғлүмәттәрҙең шунда уҡ сағыл­дырылмауы ла мөмкин. "Башҡортостан" гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Әлеге ваҡытта эш биреүселәр Башҡортостан Республикаһы Мәшғүллек хеҙмәтенең Интерактив порталында вакансиялар банкы аша 16 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итә. Төҙөлөш өлкәһендә, агросәнәғәт комплексында һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һорау ҙур. Башлыса эшсе һөнәрҙәр талап ителә. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова уҙғарған брифингта белдерелде. Шуның менән бергә кризис күренештәре арҡаһында Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр арта. Бөгөнгә ул 67 мең кеше тәшкил итә, йыл башынан эшһеҙҙәр һаны 3,7 тапҡырға күбәйгән. Ленара Иванова билдәләүенсә, бының сәбәптәре күп, пандемия ғына түгел. «Сервистар һәм регламенттар шәп үҙгәрә, түләүҙәр тәғәйенләү тураһында ҡарарҙар бығаса булмағанса тиҙ ҡабул ителә, – тип белдерҙе Ленара Иванова. – Теркәлгән эшһеҙлек кимәленең артыуы хәҙер өйҙән сыҡмайынса иҫәпкә баҫырға мөмкин булыуына ла бәйле. Эшһеҙлек буйынса минималь пособие күләмен арттырыу тураһында ҡарар – беҙҙең республикала 5175 һум – шулай уҡ мөһим роль уйнай, сөнки был пандемияға бәйле эшен юғалтҡандарға түгел, ә оҙаҡ эшләмәгән граждандарға ҡағыла». Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
"Кесарево"нан һуң, хәле бер ҙә арыуланмаған ҡатыны янына, көнөнә әллә нисә килде Заһит.Күҙ төптәре ҡарайып, биттәре һурылып киткән Нурзияһына әсенеп ҡараны ир. Шулай уҡ өмөтһөҙме икән ни, ышанырға һис кенә лә теләмәне. Табиптар ҡулдарын ғына йәйҙе.Эргәһендә үҙенә текләп ултырған Заһиттың ҡулдарын һыйпаны Нурзия.- Бер семтем бәхетте лә йәлләне хоҙай, бирҙе лә кире тартып алды.- Әү, ҡәҙерлем, нимә тинең? - Заһит ҡатынына эйелде."Бер семтем бәхет" ... тигәне генә ҡолағына салынды.Нурзияһының ауыҙынан сыҡҡан һуңғы һүҙҙәр, ирҙе тетрәндерҙе.Ҡапыл, бөтә доньяның аҫты-өҫкә килдеме ней, ер зырылдап әйләнеп китте. Заһиттың башы шауланы, күҙ алдары ҡараңғыланды...Нурзияны ерләгәндән һуң, больницанан ҡыҙын алып ҡайтты Заһит. Ҡабат өйләнмәне.Нурзияһы менән татыған бер семтем бәхетенә хыянат итмәне... Тулы варианты сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#СәсмәӘҫәрҙәр#Хикәйә#МиңзифаҠашҡарова Нурзия менән Айҙарҙың тормошо башҡаларҙыҡынан, әллә ни айырылмай ине. Айҙар мәҙәниәт һарайының директоры булып эшләне, Нурзия рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған дипломлы булһа ла, эшләмәне. Атаһы ла ҡыҙын гел әрләр ине, икмәк серетеп биш йыл буйы өйҙә ятыр өсөн уҡыттыммы? Ләкин, Нурзияның иҫе китмәне, өйөндә лә эше күп уның. Биш һыйырҙы һауырға, һөтөн эш итергә лә елкә кәрәк әле.Ҡырҡлаған һарыҡ аҫранылар, ҡош- ҡортоноң иҫәбе юҡ. Барыһы ла Нурзияның арҡаһында инде, Айҙар клубтан ҡайтып килмәй. Йә концерт ҡуялар, йә спектакль менән ауылдар буйлап сығып китәләр. Өйҙә тормаған ирен утлы табала бейетеп тә ала ул, тик файҙаһы юҡ. Йәй бесән ваҡыты етһә, өйҙә ызғыш-талаш сыға. Айҙар малды бөтөрөү йә булмаһа кәметеү яғында, ҡыйрап ултырған семья юҡ, ни бысағыма уныса мал?! Ләкин, Нурзияның алдына сығырлыҡ түгел, кешенән ҡалышып тороп булмаҫ инде. Ярышты Нурзия, күршеһе Сәкинә менән ярышып төн йоҡоларынан яҙҙы. Сәкинә күлдәк алһа, Нурзия икене алды, Сәкинә стенка алды, Нурзия уныҡынан да яҡшыраҡты алып ҡайтып ултыртты, машинаны ике күршеләр ҙә башҡа бер кемдә булмағанды алдылар, Сәкинәләрҙең торған өйө иҫке, бала-сағаһы ла күмәк, ҙур итеп өй һала башлауҙары булды Нурзия Айҙарҙың ҡолаҡ итен сәйнәргә тотондо. Ҡайныһы төҙөп биргән шыңғырлап торған ҡарағай өйҙө мөрхәтһенмәне Нурзия, эргәһендә ике йыл эсендә ике ҡатлы йорт төҙөп инделәр. Сәкинә һыйырын өсәү итте, Нурзия унан да арттырҙы. Кешенән ҡалышмайым тип, ярышҡа сыҡҡан аттай сапты ла сапты Нурзия. Айҙары әллә күпме инәлһә лә, хәйерсе ишәйтмәйем тип башҡа бала тапманы. Бер бөртөк Гөлсирендәрен батша ҡыҙылай итеп үҫтерҙе. Гөлсирен бер бөртөкмен тип иркәләп ултырманы, ата-әсәһенә бәлә һалмай ғына буй еткерҙе, бәләкәйҙән эшкә сымыры булды. Эшкә әрһеҙ ҡыҙҙың уҡыуға ғына барымы булманы. Мәктәпте этеп төртөп тамамланы ла ҡалаға сығып китте. Парикмахерҙар курсын тамамланы, эшкә төштө. Башҡала егетенә кейәүгә сыҡты, ҡайны-ҡәйнәнән дә уңды. Туйҙан һуң туп-тура әҙер квартираға барып инделәр. Ҡыҙы өсөн борсолмай Нурзия. Һуңғы осорҙа ирендә ниндәйҙер үҙгәреш бар. Һиҙенеүе, күңеле болоҡһоуы тиккә генә булмаған икән. Әхирәте Мәрзиә еткерҙе уға был ҡот осҡос хәбәрҙе. Аяҙ көндө йәшен аттымы ни, Нурзияның йөрәге саҡ ярылманы. Инде иллегә баҫҡан ирен шул юлға баҫыр тип, ике ятып бер төшөнә лә инмәгәйне. Үҙенән ун йәшкә кесе Әнзинәгә күҙ һалған икән ире. Әнзинәһе башҡа ир тапмағанмы, уның иренә йәбешмәһә, Нурзия ярһыны. Әнзинә лә клубта эшләй, гел бергә йөрөгәс эҫенешкәндәрҙер.Күҙенә аҡ- ҡара күренмәй донья ҡыуған Нурзия, клубҡа йөрөй һалып барманы.Тәүҙәрәк Айҙары инәлеп-ялбарып алып барғыланы ҡатынын клубҡа. Матур йырлай Айҙар, хоҙай бирһә бирә бит кешегә моңдо. Нурзияның ғына иҫе китмәне, йырлаймы ире йырламаймы уға барыбер ине. Спектакльдәренә лә иҫе китмәне, бер-ике барҙы ла, һеҙҙең әкиәтегеҙгә ваҡытымды әрәм иткәнсе, ҡоротомдо ҡайнатам, май бешер кәрәк иртәгә баҙарға барыр кәрәк тип теҙҙе. Айҙары ла ҡул һелтәне. Тормош үҙ яйына тәгәрәй бирҙе. Үҙен ҡосаҡларға ынтылған иренә һалҡын ҡарашын һирпте, кит әле ҡартайғанда тыртайған. Ире эшенән ҡайтып инмәне, Нурзия малынан бушаманы. Аралары йырағайғанын һиҙмәне Нурзия. Концерттарҙа Айҙар менән Әнзинәнең ҡушлап йырлауҙарына ла әһәмиәт бирмәгәйне шул. Йәне әрнене Нурзияның. Ярһыны. Айҙарҙың ишектән башы күренеү менән уға ябырылды. Ғәжәпкә ҡаршы, ире ирешеп тә аҡланып та торманы, нисек бар шулай дөрөҫөн әйтте. Туфан һыуҙары ҡалҡып ҡына ҡалманы, ялағай ялтлап күк күкрәне, ел-дауыл ҡупты. Нурзияны ишетмәгәндәй, өндәшмәй йөрөнө-йөрөнө лә Айҙар, бер көндө йыйынып сыҡты ла китте Әнзинәһенә. Нурзия уны ебәрмәҫкә тырышып ҡарағайны ла, тота алманы. Һуңғы сиктә Нурзия ишеккә арҡыры ятты, "только через мой труп". Айҙар бер секундҡа ла икеләнмәне, иҙәндә ятҡан Нурзияны ашаҡлап сыҡты ла китте. Бындай хәлде көтмәгән Нурзия иҙәндә тәгәрәп, үкереп иланы. Иренең үҙен ташлап китеүенә ышанманы. Йөрөр- йөрөр ҙә ҡайтыр тип өмөтләнеүе бушҡа булды. Нурзия үҙен үҙе бөтөрҙө. Ҡартайҙы. Айҙар киткәс, тормошоноң мәғәнәһе юғалған кеүек булып ҡалды. Элеккесә ярышып донья ҡыуырға теләге юғалды. Ике ҡатлы, шаурап торған доньяһында бер үҙе ултырҙы ла ҡалды. Өмөттәре аҡланманы уның. Йәш ҡатыны Айҙарҙы үҙенә баш-көллө бәйләне. Улы тыуғанын ишеткәс, Нурзия уның ҡайтмаҫын аңлағайны инде.Иренең әйткән һүҙҙәрен дә еткерҙеләр. - Ғүмер буйы ҡатын бәхетенән мәхрүм йәшәгәнмен икән, Әнзинә менән ҡауышып ҡына белдем ҡатынлы булыуҙың рәхәтлеген. Нурзия ярата Айҙарын, үҙенсә ярата. Ваҡытында хистәрен белдерә белмәне шул, донья ҡыуып алып киткәс ире артҡы планға күсте. Йәшәйҙәрме, йәшәйҙәр. Берәүҙән дә кәм түгелдәр. Тағы нимә кәрәк, тип уйлаған Нурзия иренең нимә уйлап йөрөүен дә белмәне. Тамағы туҡ, өҫтө таҙа, зарланырлыҡ сәбәп юҡ. Мәңге шулай йәшәрҙәр кеүек ине. Емерҙе Айҙар, тормоштарын, емерҙе. Ҡайғыһынан арына алмаған Нурзияны, ҡыҙы ҡалаға алып китте. Әсәһе әсенһә лә мал-тыуарҙы баш-көллө тотондолар. Тереләйен тереләй, һуйырлығын һуйып һатып, әләф тәләф итеп бөткәс, ишек ҡапҡаларҙы бикләп, зар илап сығып китте Нурзия ауылдан. Ҡала тормошона өйрәнеп китеүе еңел булманы Нурзияға. Ҡыҙы менән кейәүе көнө буйы эштәләр, ейәнсәре балалар баҡсаһында. Нисек ваҡыт үткәрергә белмәгән ҡатын ҡыҙының, былайҙа ялтырап ятҡан доньяһын йыуып-йышып, һөртөп көн үткәрҙе тәү осорҙа. Эшһеҙ тороп өйрәнмәгән кешегә, тулы бәхет өсөн былар ғына етмәй ине шул. Бер туҡтауһыҙ эсе бошто, илап та алғыланы. Урамға сығып йөрөштөрҙө. Тик күңеленә толҡа таба алманы. Шаулап торған ҙур ҡалала уны бер кем дә белмәй, ул да ят бындағы кешеләр өсөн. Хәйер, ҡала ерендә кеше бер-береһе менән аралашып та бармай шул. Ундай тормошҡа өйрәнмәгән Нурзияға бик ауыр ине. Ауылда ней, кеше бер-береһе менән аралашып йәшәй, шырпың бөтһә лә күршеңә йүгереп ингән саҡтар була. Күршеһе Сәкинә менән сөкөрләшеп сәй эсеүҙәрен иҫләгәс, күҙҙәрен йәш пәрҙәһе ҡапланы. Эскерһеҙ Сәкинәне һағына ине Нурзия. Ярышып донья ҡыуһалар ҙа татыу булдылар. Йүгереп түгел, осоп ҡайтырҙай була ла ул, тик осор ҡанаттары ҡайырылған шул. Яраһынан әле булһа, ҡан һарҡа... Бик оҙаҡ ыҙаланы Нурзия. Урамдағы бәхетле парҙарҙы күргән һайын йөрәге әсенде. Бар ине бит уның да парлы, бер хәсрәтһеҙ саҡтары. Ҡайҙа яһаны ул хаталы аҙымды,ҡасан ысҡындырҙы ҡулындағы бәхет ҡошон? Нишләп кенә Айҙарына әҙерәк йөрәк йылыһын бирмәне икән? Үҙенә йылмайып ҡараусы иренә гел арҡыры-торҡоро яуаплар ине, ҡосаҡлаһа ҡулын алып бырғытты, кис йоҡларға ятҡанда иренә арҡаһын ҡуйып ятты. Ә Айҙар һуң нишләп ҡатыны йөрәгенә юл яра белмәне икән? Ул ир кеше лә баһа. Инәлеп торманы Нурзияға, еңел юл тапты, Әнзинәгә китте лә барҙы. Айҙарға үпкәләүҙән һәм үҙен йәлләүҙән биттәрен эҫе күҙ йәштәре бешерҙе. Ҡатын үкһене. Бына хәҙер ят инде балауыҙ һығып, яҫтыҡ ҡосаҡлап. Нурзия ирен һағынды, үҙәге өҙөлдө. Берсә үҙен берсә Айҙарҙы ғәйепләп үҙ-үҙен бөтөрҙө. Бындай тормош күпме дауам итер ине икән, Гөлсирен әсәһен эшкә урынлаштырҙы. Магазинға иҙән йыуыусы булып эшкә төшкән ҡатындың, илап ултырырға ваҡыты ҡалманы. Кеше араһында йөрөү файҙаға ғына булды. Ҡала тормошо ла килеште Нурзияға. Йәшәреп, матурайып китте. Үҙ-үҙеңде бағып ҡына, тәрбиәләп йөрөүгә ни етә? Көндән-көн сәскә атҡан Нурзияға күҙ һалыусы ир-егеттәр ҙә табылды. Эштән ҡайтып килгәнендә, автобуста бер ир кеше һүҙ ҡушты уға. - Иренеңде ниңә буяның? Былай ҙа матурһың, буянма мәрйәләргә оҡшап, әҙерәк һуҡмышыраҡ, бөхтә генә матур иргә уҫал ҡарашын атты ла Нурзия яуап бирмәне, башын тәҙрәгә борҙо. Ә уныһы әрһеҙ булып сыҡты. Нурзияға һағыҙаҡ һымаҡ йәбеште лә ҡуйҙы. Тора-бара көн һайын юлында осраған иргә өйрәнеп тә китте инде әллә. Өс дүрт көн ир юғалып торғайны. Нурзияның аяҙ күген болот ҡапланымы ни. Урамда ла, магазинда ла, автобуста ла ят ирҙе эҙләү ғәҙәтенә әүерелде. Осрарына, ҡабат һүҙ ҡушырына өмөтөн өҙмәне, ирҙең үҙ тормошонан юғалыуын теләмәй ине Нурзия. Табылды юғалған ир. Ауылға әсәһен ерләшергә ҡайтып килгән икән. Баш-көллө янған утҡа һалды ир Нурзияны. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, Айҙарын онотоп, бөтөнләй сит кешегә әүрәп китеүен. Тәүге ҡатыны менән айырылышҡан. Оҙаҡ йылдар бәпәй һөйөү бәхетенән мәхрүм булған ҡатыны, эшкенмәгән ирен ташлап киткән. Һәм бына яҙмыш Нурзияның юлына сығарып ҡуйҙы, Заһит исемле ир-егетте. Тормош ҡороп йәшәй башлағас, Нурзияның аптырауының сиге булманы. Доньяла шундай ирҙәр буламы икән? Уның аҡылына һыймай ине. Шул тиклем яҡшы күңелле, Нурзия өсөн йәнен бирерҙәй, иҫ китерлек кеше булып сыҡты уның Заһиты. Һәр саҡ сәскәләр, бүләктәр ташыған иренә һоҡланып та, яратып та ҡараны ул. Күктән бәхет ишелеп төштө. Айҙар үҙ бәхетен Әнзинәлә тапты, Нурзия Заһит менән бәхетле ине. Ҡасандыр, ике ҡатлы йортҡа һыймаған Нурзия, ике бүлмәле йәтеш кенә ҡала фатирында үҙен иң бәхетле кеше итеп тойҙо. Йоҡлап ятҡан Заһитына текләп, күпме таңдарҙы йоҡоһоҙ аттырҙы икән ул? Ысынмы был хәл, әллә төш кенә күрәме ул? Күңеле иләҫ-миләҫ килеп, томан араһында йөҙгән төҫлө йәшәне ул. Ауырға ҡалғанын белгәс, иренең ҡаршы булыуы ла уны туҡтата алманы. 48 йәштә ундай аҙымға барыуҙы табиптар ҙа хупламай ине. Элек өләсәйҙәр иллене үткәс тә бәпәйләгәндәр әле,үлмәгәндәр тип яуапланы Нурзия. Бәпесен табырға ниәтләне. Заһитына бала бәхетен бүләк итеү теләге көслө ине унда. "Кесарево"нан һуң, хәле бер ҙә арыуланмаған ҡатыны янына, көнөнә әллә нисә килде Заһит. Күҙ төптәре ҡарайып, биттәре һурылып киткән Нурзияһына әсенеп ҡараны ир. Шулай уҡ өмөтһөҙме икән ни, ышанырға һис кенә лә теләмәне. Табиптар ҡулдарын ғына йәйҙе. Эргәһендә үҙенә текләп ултырған Заһиттың ҡулдарын һыйпаны Нурзия. - Бер семтем бәхетте лә йәлләне хоҙай, бирҙе лә кире тартып алды. - Әү, ҡәҙерлем, нимә тинең? - Заһит ҡатынына эйелде. "Бер семтем бәхет" ... тигәне генә ҡолағына салынды. Нурзияһының ауыҙынан сыҡҡан һуңғы һүҙҙәр, ирҙе тетрәндерҙе. Ҡапыл, бөтә доньяның аҫты-өҫкә килдеме ней, ер зырылдап әйләнеп китте. Заһиттың башы шауланы, күҙ алдары ҡараңғыланды...
“Global Management Challenge” стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионаттың Башҡортостан кубогына еңеүселәр билдәләнде. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында “Global Management Challenge” стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Башҡортостан кубогы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүсе команда 2022 йылдың 29-30 июнендә Ханты-Мансиҙа уҙасаҡ милли финалда сығыш яһаясаҡ. - Мин Президент Академияһын "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй форумында күрһәтеүемә бик шатмын. Быйыл Кубокта йәнә төбәктең бизнес-шерифтары һәм эшҡыуарҙары ҡатнашты. Командалар лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте, шулай уҡ нетворкингтың йылы мөхите арҡаһында бер-береһе менән бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлеге менән файҙаландылар тип ышанам. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, финал сиктәрендә корпоратив, бюджет ойошмалары, эшҡыуарҙар һәм бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы ҡатнашыуға заявка биреүселәр өсөн өҫтәмә тренинг үткәрә алдыҡ, - тине Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Ойоштороу үҫеше һәм стратегик инициативалар институты директоры Вячеслав Шоптенко еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында. Башҡортостан кубогының финалы 2 июндә "Урал аръяғы-2022" инвестиция һабантуйы майҙансығында уҙҙы. Унда 8 команда ҡатнашты: "УНЫШЛЫК" (Туймазы, Балаҡатай һәм Күгәрсен райондары), "10-сы команда" (Яңауыл, Ағиҙел һәм Бишбүләк райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы), "Еңеү өсөн" ("Za победу") (Бәләбәй һәм Ишембай райондары, Салауат ҡалаһы), "Эшлекле кешеләр" (Салауат, Миәкә һәм Саҡмағош райондары), "Саҡмағош" (Хәйбулла, Нуриман, Краснокама һәм Йәрмәкәй райондары), "Алға" (Тәтешле, Иглин, Благовар һәм Борай райондары). Ярыш йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды "IZI" командаһы яуланы. Икенсе урынд - "Бизнес Практика" командаһы. “Global Management Challenge” стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса Башҡортостан кубогын "Za победу" командаһы яуланы. Улар Халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан исеменән Ханты-Мансиҙа сығыш яһаясаҡ. Унда 30-ҙан ашыу команда ҡатнашасаҡ. Еңеүсе командаға Ханты-Мансиҙан оло еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Башҡортостан кубогын ойоштороусылар - РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы һәм БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте. Автор:Карима Усманова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
“Телеагроном” мониторингы системаһы ла “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә грант буйынса һатып алынған. Йыл һайын яҙ етеү менән Аксен агросәнәғәт колледжы студенттары үҙҙәренең тәжрибә участкаһында практика үтә. Улар тупраҡты сәсеүгә әҙерләй, сәсә, баҫыуҙарҙы эшкәртә. Быйылғы йыл да иҫкәрмә булманы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, 2020 йыл улар өсөн бик үҙенсәлекле. Битлек режимы, пандемия өсөнмө, тиерһегеҙ. Юҡ шул. Беренсенән, быйыл студенттар баҫыуға “Мәғариф” милли проектына ярашлы һатып алынған яңы техника менән сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аксен агросәнәғәт колледжы матди-техник базаны яңыртыу өсөн федераль бюджеттан бүленгән грантҡа лайыҡ булды, шул аҡсаға бында биш яңы заманса оҫтахана асылды. Икенсенән, быйылғы сәсеү “Телеагроном” системаһы ярҙамында бара. “Телеагроном” – ауыл хужалығы культуралары ауырыуҙары үҫешен алдан күҙаллау һәм оператив мониторинг үткәреү буйынса күп факторлы система. Ябай ғына итеп әйткәндә, был үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса мобиль эксперт. Ул баҫыуҙарҙы дистанцион тикшереү мәғлүмәттәрен – тупраҡты, климатты, урындың рельефты, үҫемлектәрҙең фотоһын, баҫыуҙарҙың быға тиклемге күрһәткестәрен, уңдырышлылыҡты һәм “ауырыуҙар тарихын” тикшереүҙе ҡуллана, ошо нигеҙҙә үҫемлектәр менән эшләү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерә. Икенсе төрлө әйткәндә, был агробелгестәрҙең дистанцион ярҙамсыһы, ул үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларына киткән сығымдарҙы кәметеүгә, тимәк, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, шулай уҡ тупраҡтың фитосанитар торошон, продукцияның сифатын һәм экологик хәүефһеҙлеген һәм, әлбиттә, культураларҙың уңдырышлылығын күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш. - Колледжда “Телеагроном” менән эшләү ҡыш көнө үк, тупраҡ һәм орлоҡ материалдары өлгөләре анализға ебәрелгәндә һәм тәжрибә баҫыуҙарының карта-схемалары һәм рельеф үҙенсәлегенең анализдары юлдаш системалары аша алынғанда уҡ башланды. Бөгөн беҙ сәсеүҙе ойоштороу һәм юғары уңыш алыу өсөн үҫемлектәрҙе һаҡлауҙа кәрәкле саралар ҡулланыу буйынса бик күп тәҡдимдәр алдыҡ, - ти Аксен колледжының уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире Салауат Тимербаев. “Телеагроном” мониторингы системаһы ла “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә грант буйынса һатып алынған. Тәжрибә участкаларында сәсеү эштәре тамамланған. Быйылғы кампанияла буласаҡ агрономдар, тракторсы-машинистар, ауыл хужалығы продукттарын етештереү һәм эшкәртеү буйынса технологтар ҡатнашты. Билдәле сәбәптәргә бәйле, ҡатнашыусыларҙың һаны сикле булды Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Беҙ, дауаланыусыларҙың бер төркөмө, Ермолаево дауаханаһы терапия бүлексәһендә һаулығыбыҙҙы тикшертеп, нығытып сыҡтыҡ. Был бүлексәлә 19 урын иҫәпләнә. Уны Әлмөхәмәтова Гүзәл Булат ҡыҙы етәкләй. Бындағы тырыш шәфҡәт туташтары: Ләйсән Хәмит ҡыҙы, Мәҙинә Йософ ҡыҙы, Зоя Анатольевна, Алла Константиновна, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан талапсан, процедуралар бүлмәһендә эшләүсе Биктимерова Гүзәл Сабирйән ҡыҙы ла үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Ҡабул итеү бүлмәһендә Ибраһимова Римма кейемдәребеҙҙе урынлаштырып, документтар тултырып бүлмәгә оҙата. Врач-хирург Петрунин Анатолий Анатольевич, онколог Климов Сергей Николаевич төнгө дежурҙы ялһыҙ үткәреп, ауырыуҙарҙы ҡабул иттеләр. Пелюгаева Люда, Кибитина Оля, невролог Рәшитова Әлиә Рәхимьян ҡыҙы терапия бүлеге ауырыуҙарының хәлен белешеп, дөрөҫ диагноз ҡуйып, килеп тикшереп торҙо, - ти Рәүзилә Мәзитова. Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ветерандарға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы тәүге юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Республикала бөтәһе 22 мең ветеран һәм инвалид, уларға тиңләштерелгән кешеләр һәм тыл эшсәндәре бүләкләнә. Ошо уңайҙан быйыл республикала бик күп саралар ойошторола, тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе. «Ләкин тәү сиратта беҙ һеҙгә һуғышта еңеүегеҙ, бөгөн тыныс шарттарҙа йәшәүебеҙ һәм балаларыбыҙҙы тәрбиәләүебеҙ өсөн рәхмәт әйткебеҙ килә. Осрашыу алдынан мин һеҙҙең биографияларығыҙҙы өйрәндем, күптәрегеҙ ун һигеҙ йәшен дә тултырмайынса фронтҡа алынған», — тине Радий Хәбиров. Республика башлығы Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кешенең ҡтнашыуын, уларҙың 300 меңдән күберәге яу яланында ятып ҡалыуын хәтергә төшөрҙө. 278 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Республика биләмәһендә Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуы — беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Радий Хәбиров ветерандарға атлыларыбыҙ дошманға ҡаршы һуғышҡан, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған Луганск Халыҡ Республикаһына сәфәре хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ Совет майҙанын төҙөкләндереү пландары менән уртаҡлашты. Унда сквер булдырыла һәм генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла. Башҡортостан башлығы, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрендә көс табып, мәктәптәрҙә ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәргән ветерандарға рәхмәт белдерҙе. 9 майҙа Өфөлә хәрби парад була һәм Үлемһеҙ полк акцияһы ойошторола, тине Радий Хәбиров. Ул ветерандарҙы тағы бер тапҡыр ҡотлап, тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ теләне. «Барыһы өсөн дә рәхмәт, Өфөлә Еңеү парадында осрашырбыҙ», — тине республика етәксеһе. Бөгөн республика башлығы менән осрашыуҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Рәис Рәхим улы Әбдрәшитов, Хәнәфи Әйүп улы Әйүпов, Григорий Михайлович Девятых, Владимир Иванович Егоров, Сәғит Ғәтиәт улы Ишбирҙин, Родион Григорьевич Лобанов, Тәкмилә Нәсибулла ҡыҙы Миңлеғолова, Сергей Петрович Оловянников, Әнүәр Канзел улы Талипов, Фаяз Ғабдрай улы Шәрифуллин ҡатнашты. Бөтәһе лә 95 йәште үткән. Улар хәрби наградалар менән бүләкләнгән, күптәренең яралары бар, әммә шуға ҡарамаҫтан, рух күтәренкелеген юғалтмаған, һәм, уларҙың һүҙҙәренсә, Бөйөк Еңеүҙең юбилейын яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға йыйына. Башинформ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Районда торлаҡ йорттарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу айырым контролгә алынған. Шул сәбәпле, хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеү-күҙәтелмәүен тикшереү, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында даими рейдтар үтә. Районда торлаҡ йорттарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу айырым контролгә алынған. Шул сәбәпле, хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеү-күҙәтелмәүен тикшереү, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында даими рейдтар үтә. - Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтеү маҡсатында, районда йыл әйләнәһенә “Торлаҡ” операцияһы иғлан ителә, - тине район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса сектор мөдире Йомабай Йәғәфәров. - Халыҡ башлыса һаҡлыҡ сараһын күҙәтергә тырыша. Ләкин беҙҙе борсоған хәл-ваҡиғалар ҙа осрай. Ҡайһы бер йорттар шундай ҙур хәүеф аҫтында. Бында бары тик кешеләрҙең вайымһыҙлығы сәбәпсе. Йомабай Йәғәфәровтың борсолоуы аңлашыла. Емерелеп барған мейестәрҙе, уларҙың өҫтөнә киптерергә һалынған аяҡ һәм өҫ кейемдәрен, асыҡ электр сымдарын күреп, был йорттарҙа йәшәүселәрҙе Хоҙай Тәғәлә үҙе генә һаҡлап торалыр инде, тип ҡуя инек. 2016 йылдан алып махсус программаға ярашлы, йорттарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуйыу айырым иғтибарҙа тора. Район буйынса бөгөнгә ул 4100-ҙән ашыу йортҡа ҡуйылған. Ҡоролма аҙ тәьмин ителгән күп балалы, социаль яҡтан хәүеф тыуҙырған һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып сабыйҙары тыуған ғаиләләргә бушлай таратыла. Бынан тыш муниципаль райондың ҡарарына ярашлы, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә лә бирелә. Баймаҡ ҡалаһы буйынса 488 ғаиләгә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бирелгән. Шулай уҡ мәктәп, балалар баҡсаларына ла ҡуйылған. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма һәр йортта, һәр бүлмәлә мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Төтөн сыҡҡан осраҡта уның көслө тауышы йоҡлап ятҡан һәр кемде уятыуға һәләтле. Тап шуның арҡаһында һуңғы ваҡытта күпме кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалыныуы хаҡында гәзит биттәрендә йыш яҙабыҙ. Үҙенең, балаларының, яҡындарының һаулығын һәм ғүмерен ҡәҙерләгән һәр кем йортонда был һаҡланыу сараһын булырға тейеш.
Эслек өсөн – 500 грамм фарш, 2 болгар боросо, 1 помидор, 2 ҙур булмаған баш һуған, 100 мл һөт өҫтө (сливки), 100 мл һөт, 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, тоҙ, борос, сыр. Бешереү тәртибе: Бәрәңгене таҙартып, турап һыуҙа бешерергә. Һыуын түгеп, йомортҡа, май һалып иҙергә. Он һалып, ҡамыр баҫырға һәм майланған табаға бушатырға. Борос, һуғанды ваҡ итеп турап, майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Һуңынан ит фаршы, тоҙ һалып, тағын бер аҙ бешерергә. Ҡара борос, ваҡлап туралған помидор һалып яҡшылап болғатабыҙ. Эслекте ҡамыр өҫтөнә бушатабыҙ. Томат пастаһын, һөт, һөт өҫтөн бергә ҡушып болғатабыҙ. Һуңынан йомортҡа өҫтәп тағын бер ҡат болғатабыҙ һәм эслек өҫтөнә һалабыҙ. Асыҡ бәлеш 200 градус ҡыҙыулыҡта 40 минут бешә. Әҙер булыр алдынан сыр ҙа һибәргә мөмкин. "Әлшәй хәбәрҙәре" гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 2024 йылға тиклем 18 балалар поликлиникаһына һәм ауырлы ҡатындарҙың һаулығын хәстәрләү учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ. Шулай уҡ 220-нән ашыу ҡорамал һатып алыу планлаштырыла. Ошо эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” проектында ҡаралған. Бынан тыш, Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында балалар поликлиникалары төҙөлә. “Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл республика власы 1 миллиард 700 миллион һум йүнәлтәсәк, был сумманың 300 миллион һум самаһы – федераль бюджеттан. Был программа һөҙөмтәһендә сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмергә тейеш, тиелә ведомствола. Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. #нацпроекты#региональныепроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Төнгө сменанан эштән ҡайтҡандан һуң гел ауылға әсәйем янына ашыға инем. Атайым үлгәс, әсәйем яңғыҙ ҡалды. Ул үҙен яңғыҙ итеп тоймаһын өсөн ял һайын ауылда булдым. Был юлы ла, әсәйем яратҡан тәмле-тәмле күстәнәстәр алып, автовокзалға юлландым. Кассанан билет алдым да туҡталыштағы эскәмйәгә барып ултырҙым. Автобустарҙың береһе килә, икенсеһе китә, кемдәрҙелер оҙаталар, ә берәүҙәрен ҡаршы алалар. Халыҡты шулай бик ҡыҙыҡһынып күҙәткән мәлдә, эскәмйәгә ауылса бик бөхтә итеп кейенгән бер әбей килеп ултырҙы. Ул минең ҡайһы яҡҡа барғанымды һорашҡас, бер автобусҡа ултырабыҙ икән, балам, тип, шатланып уҡ ҡуйҙы. Әбей нисек кенә итеп йылмайырға тырышһа ла, уның күҙҙәрендә ниндәй-ҙер бер борсоулы сер йәшерелгәйне. Бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң ғына ул асылып китте: – Мин үҙ аяҡтарым менән йөрөйөм, ә улым бик ҡаты сирләп, түшәктә ята, – тине ул ҡулдары менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә. – Етмәһә, киленем бер сынаяҡ сәй ҙә эсермәй ҡыуып сығарҙы. Мин һүҙһеҙ ҡалдым һәм бер аҙ ултырғандан һуң, ҡулымдағы һыуҙы һуҙып: “Мәгеҙ, һыуһап киткәнһегеҙҙер, һыу булһа ла эсегеҙ”, – тип кенә әйтә алдым. Юлда күп йөрөһәм дә бындай аяныслы ваҡиғаға тәүге тапҡыр тап булдым. Һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ ваҡыттарын кисергән меҫкен әбей, бөгөнгө көндә ҡалаға улына килеп, бер сынаяҡ сәй ҙә эсә алмай ҡайтып барһын әле... Һөйләһәң, кеше ышанмаҫлыҡ хәл бит. Автобусҡа ултырғас та юл буйы уйланып ҡайттым, был хәл миңә тынғы бирмәне. Барлыҡ оло кешеләр алдында үҙемде ғәйепле итеп тойҙом. Ә кем тәрбиәләгән һуң ул ҡаты бәғерле ҡыҙ баланы? Бәлки, ауыр тормош... Уныһы инде беҙгә ҡараңғы. Ауылыма ҡайтып еттем. Һәр ваҡыттағыса, әсәйем менән ултырып сәй эстек. Тик әсәйемдән бер нәмәне лә йәшереп булмай, берәй хәл булһа, шунда уҡ һиҙә. Был юлы ла: “Балам, күҙҙәрең борсоулы, бер-бер хәл булдымы әллә?” – тип һораны. Мин, әлбиттә, күңелемде өйкәп торған юлдағы ваҡиғаны һөйләнем. Әсәйем – бик аҙ һүҙле кеше. Минең һөйләгәнде тыныс ҡына тыңланы ла: “Борсолма, балаҡайым, ер йөҙөндә насар кешеләргә ҡарағанда яҡшылары күберәк”, – тине, мине тынысландырып. Хәмдиә МОРТАЗИНА. Фото: интернет. https://ashkadar.rbsmi.ru/articles/common_material/s-zary/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Бынан алда ҡабул ителгән өс йылға иҫәпләнгән республика бюджетына үҙгәрештәр индерергә тейештәр.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан Бынан алда ҡабул ителгән өс йылға иҫәпләнгән республика бюджетына үҙгәрештәр индерергә тейештәр. Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы белдереүенсә, был федераль бюджеттан килгән өс йылға иҫәпләнгән өҫтәмә субсидия. Республика бюджеты 2020 йылда 3,98 миллиард, 2021 йылда – 6,2 миллиард, 2022 йылда– 14,94 миллиард һум аласаҡ. Был сумманың күпселек өлөшө юл инфраструктураһын яҡшыртыуға, торлаҡ-коммуналь хужалығына һәм социаль өлкәгә ярҙам итеүгә китәсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Севастополдә Хореография академияһына ҡабул ителәсәк балалар менән осрашты.#ВладимирПутин Рәсәй Президенты Владимир Путин Севастополдә Хореография академияһына ҡабул ителәсәк балалар менән осрашты. Ил етәксеһе академияның ректоры, балет артисы Сергей Полунин, башҡа сәнғәт кешеләре, шулай уҡ төҙөүселәр менән әңгәмәләште. Әлегә буласаҡ балериндар спорт комплексында шөғөлләнәсәк, ә төҙөлөш эше тамамланғас та улар үҙ бинаһына күсәсәк. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец һәм Севастополь ҡалаһы губернаторы вазифаһын башҡарыусы Михаил Развожаев Рәсәй етәксеһенә ҡалала мәҙәни-мәғариф һәм музей комплексы булдырыу сараларының нисек үтәлеүе тураһында һөйләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, ил чиновниктарына тыйылған кеүек үк, бүләктәр ҡабул итеүҙе тыйыуҙары мөмкин. Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, ил чиновниктарына тыйылған кеүек үк, бүләктәр ҡабул итеүҙе тыйыуҙары мөмкин. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәтенә һылтанма менән «Российская газета» хәбәр итә. Тейешле закон проекты хөкүмәт комиссияһы тарафынан хупланған һәм Дәүләт Думаһына индерелгән. Табиптар һәм уҡытыусылар бүләк бирергә тырышҡан һәм шул рәүешле уларҙы коррупцияға йәлеп иткән кешеләр хаҡында етәкселеккә хәбәр итергә тейеш. Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта, сәскәләр һәм канцелярия тауарҙарын алыуҙы рөхсәт итергә уйлайҙар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Ҡапыл телефоны шылтыраны һәм донъялағы иң ҡәҙерле, иң яҡын кешеһенең тауышы яңғыраны: “Мин һине көтәм...Ҡайт...” Шатлығынан ни эшләргә белмәгән ир юл ыңғайындағы магазинға барып туҡтаны. Бына ҡатынының яратҡан шоколадтары, ә телевизор алдында ул ғәҙәттә мандарин ашарға ярата. Ике пакет тәмлекәстәр тейәп сыҡҡан ир магазин алдында илап торған ҡыҙыҡайҙы күрҙе. Йөҙ һум аҡсаһын юғалтҡан икән. “Әсәйем әрләмәй ул, тик уға барыбер ҡыйын булыр шул”. Ир кеҫәһенән аҡса сығарып ҡыҙыҡайға тотторҙо. Бына әсәйең ҡушҡан нәмәләрҙе лә һатып ал да, ҡалғанына үҙеңә шоколад ал!” (булған-күргән-кисергәндәрҙән) Тәүҙә ҡатын үҙенән алда сиратһыҙ үтергә ынтылған иргә асыулы ҡараш ташлап, уның тураһында нимә уйлағандарын еткерергә уйланы. Шул саҡ бар Баймаҡты ҡосағына алып, сафлыҡ өләшеп, яуған ап-аҡ ҡарҙың битенә йомшаҡ ҡына итеп ҡағылыуы хәтеренә төштө. Ашыға-ашыға почтаға атлағанда нисек был рәхәтлек биргән хис-тойғоға иғтибар бирмәгән! Донъяның бар бысрағын, яуызлығын ҡапларға теләгәндәй ябалаҡлап яуған ҡар бөртөктәренә тәҙрә аша тағы бер тапҡыр күҙ ташлағас, ир кешене алға үткәреп, артҡа сигенде. Әр-битәргә әҙерләнгән ир аптырау ҡатыш һораулы ҡарашын төбәгәс: “Һеҙ ҡабаланаһығыҙ, шикелле. Үтегеҙ, мин көтә алам”,-тип йылмайҙы. Ир Яңы йыл алдынан түләргә тейешле бар түләүҙәрҙе индереп, йүгереп машинаһына сыҡты. Бер туҡтауһыҙ шылтыратҡан әсәһенә хәҙер килеп етәсәген белдерҙе. “Һеҙ дауахана яғына бармайһығыҙмы?”-тигән һорауға боролоп ҡараны. Башҡа ваҡытта ул юҡ тип китеү яғын ҡарар ине. Был юлы урта йәштәрҙәге ханымды ултыртып алды. Уныһы мең рәхмәттәрен әйтеп төшөп ҡалды. Әсәһе һәр саҡтағыса ризаһыҙ йөҙ менән ҡаршы алып, улының уның хаҡта уйламағаны арҡаһында табипҡа һуңлаясағын белдерҙе. Ир тәүҙә өндәшмәй ҡалырға йәки “мин эш кешеһе” тип екерергә уйланы. Унан яңғыҙ йәшәгән әсәһенә ни тиклем иғтибар етмәүен, хатта һөйләшергә кешеһе лә юҡ икәнлеген аңланы. Ысынлап та аҡса эшләйем, кредит түләйем тип иң ғәзиз кешеһен бөтөнләй онотто бит. Хатта “бөгөн шылтыратмаһа ярар ине” тип уйлаған саҡтары булыуын хәтеренә төшөрөп оялып китте. Әсәһе әҙерләгән өҫтәлгә иғтибар итте. Күрәһең, улының һәр саҡ сәйҙән баш тартыуына күнеккән әсәһе был юлы уға тәҡдим итеп тә тормағандыр... “Әсәй, әле ваҡыт бар бит, әйҙә, сәй эсеп алайыҡ”. Улының алдына ни ҡуйырға белмәй өтәләнгән әсә туҡтауһыҙ хәбәрен теҙҙе, улы ла бала саҡ хәтирәләренә бирелеп әсәһен көлдөрҙө... Дауаханала инәй табиптың ҡабул итеү ваҡытын бутауын аңланы. Күтәренке кәйеф менән хушлашҡан улын ҡабаттан борсоғоһо килмәй, ысынлап та эш кешеһе бит, әле унда, әле бында саба. Регистратуралағы ҡатын тәүҙә “ваҡытында йөрөргә кәрәк” тип ҡырт киҫергә уйланы, унан үҙенең бөгөн эшкә һуңлаған ерҙән (етмәһә аҡсаһы өйҙә тороп ҡалған) изге күңелле әҙәмдең бушлай алып килеп еткереүен иҫләп йылмайҙы. “Туҡтағыҙ, апай, хәҙер берәй нәмә уйлап табабыҙ”,-тине ул. Табип аҙна һайын тиерлек килеп йөҙәткән инәйгә текәлде. Хәҙер тағы башланасаҡ: “Яҙған дарыуҙарығыҙ килешмәй, ҡиммәт. Дауаханаға һалырға теләмәйһегеҙ. Ҡарт булғас үлергә тейеш тип уйлайһығыҙ инде!..” Тик был юлы инәй бөтөнләй икенсе һүҙҙәрҙе яңғыратты: “Балам, һине аптыратып бөттөм инде. Ҡартлыҡты дауалап булмағанын беләм. Һеҙгә эшкә йөрөгән кеүек килеүем өсөн ғәфү итегеҙ инде”. Табип инәйҙе йәлләп китте. “Әйҙәгеҙ, һуңғы анализдарға күҙ һалайыҡ. Борсолмағыҙ, ыңғай үҙгәрештәр бар. Хәҙер мин һеҙгә дарыуҙар яҙам. Бынауһын мотлаҡ алығыҙ. Рәсәй препараты, ҡиммәт булмаһа ла, бик һәйбәт ярҙам итә”. Инәй үҙенең ҡан баҫымын үлсәгән, ентекләп ҡарап сыҡҡан табипҡа ташты ла иретерлек йылмайыуын бүләк итеп сығып китте. Табип был көндө ҡатмарлы, ауыр эшен айырыуса бер еңеллек менән башҡарҙы. Уға ингән ауырыуҙар ҙа аҡ халатлының хәстәрлекле ҡарашын тойоп, шунда уҡ йүнәлгәндәй, ҡәнәғәт төҫ менән сыҡты. Өйөнә табан атлаған табип туҡталыштан саҡ ҡына ситттә бер ирҙең машинаһы янында улай-былай йүгергеләүен күрҙе. “Был һыуыҡта һүнһә, ҡабыҙып булмай торған. Дауаханамы? Бына янда ғына”,-тип кем менәндер һөйләшә үҙе. Табип борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан ирҙең янынан үтеп китеп кире боролдо. “Ярҙам кәрәкме?” “Машинам ана һүнәм, бына һүнәм тип ултыра. Ҡустым килеп еткәнсе һүндермәҫ кәрәк ине. Юл ыңғайы булғас, ауылдан күрше бабайҙы алып килгәйнем. Кисә дауаханаға ятырға тейеш булған. Йә уны алып барып еткерә алмайым, машинаны ла һүндерергә ярамай”. Табип өлкән кешене ҡултыҡлап дауаханаға алып китте. “Рәхмәт, балаҡай, үҙем китер инем, тайғаҡ бит”,-тине олатай күҙ йәштәре аша. Табип ҡартты палатаға индереп һалғансы янында булды. Ҡайтырға сыҡҡас: “Һин оҙаҡлағас, үҙемә урын тапмай килеп еттем”,-тип көтмәгәндә ҡосаҡлап алған һөйгәненә һыйынды. Табип иртәнсәк үҙҙәренең юҡтан ғына талашып китеүҙәрен хәтерләп, тормош иптәшенә тағы ла нығыраҡ һырылды: “Хоҙайым, ошо бәхеттән айырма”,-тип бышылданы ул. Ир: “Ә һин беләһеңме, мин һин яратҡанса ит ҡыҙҙырырға ҡуйҙым, хәҙер ҡайтмаһаҡ, ул күмергә әйләнәсәк”,-тип ҡатынын күтәреп өйөрөлдөрҙө лә етәкләп машинаға алып китте. Ул ҡатынының йылмайыуын күреп үҙен донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙо һәм ҡатыны ни тиклем көйһөҙләнһә лә башҡа бер ваҡытта ла уға яуап ҡайтармаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе. Атаһының дауаханаға эләгеүен ишеткән йәш ҡатын икенсе көндө үк палатаға килеп инде. “Атай, ғәфү ит мине! Һин миңә бик кәрәкһең”-тип иланы ул. Атай кеше ҡыҙының башынан һыйпап тынысландырырға тырышты. Әбейе мәңгелек донъяға күскәс оҙаҡ ҡына яңғыҙы йәшәне ул. Балалары ситтә, бер ҡыҙы күрше ауылда йәшәһә лә, йыш килә алмай. Яңғыҙлыҡтан миктәгән бабай әбей алырға булды. Йәш саҡтан белгән танышы ҡартайған көндәрен бергә үткәрергә ризалашты. Тик был хаҡта ишетеп ҡалған ҡыҙы килеп: “Үлергә ваҡытың еткән, әбей уйлап ятаһың!”-тип бик күп ауыр һүҙҙәр әйтте. “Атай, теләйһең икән өйлән, тик йәшә генә!”-тип ялбарған ҡыҙын саҡ тынысландырҙы бабай. Иркә үҫте шул ҡыҙы, тормош михнәттәрен, аллаға шөкөр, татығаны юҡ. Шуға күрә күп нәмәне аңлап етмәй, ҡабул итмәй. Ә былай бик аҡыллы булып буй еткерҙе, кейәүе лә бынамын тигән. Йәш ҡатын уйлана-уйлана ауылына ҡайтып еткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әсәһенең вафатына арыуыҡ ваҡыт үткәнен аңлай ул. Ир кешегә яңғыҙ йәшәүе бигерәк ауыр икәнлеген дә белә. Тик атаһын яһил телле бисә арҡаһында рәнйетте бит. Килен булып төшкәненән алып ҡаныҡты бит шул! Иптәше был ауылдыҡы булғас уның холҡона өйрәнеп бөткән, ҡул һелтәй ҙә ҡуя, ә уға ҡыйын. Нимә тип кенә һөйләп бөтмәне бит! Ә инде атаһының әбей алыуынан ҙур ваҡиға яһауына түҙә алманы. Бар асыуын атаһына төшөрҙө. Туҡта-туҡта, ул ҡатын да ғүмере буйы яңғыҙы йәшәй. Бәлки, кемдеңдер ҡартайған көнөндә лә үҙ парын табыуы уның йөрәген йәрәхәтләйҙер? Йәш ҡатын үҙен рәнйетеүсегә ышаныслы аҙымдар менән барып инде. Тегеһе уны күреп баҙап ҡалды. “Апай, ирем өйҙә юҡ, ҡоймаҡ ҡойорға йөрөйөм. Ярты сәғәттән миңә сәйгә кил, йәме”,-тип сығып та китте. Сәйгә саҡырылғаны ултырғыс өҫтөнә лап итеп ултыра төштө. Унан яулығын алмаштырып ябынды ла, шәлен дә һалып тормай урамға ашыҡты. Уны күрмәмешкә һалышҡан ауылдаштары менән матур итеп иҫәнләште, аптырап ҡалыуҙарын күреп: “Бына килен ҡунаҡҡа саҡырҙы әле, шунда китеп барам”,-тип юлын дауам итте. Йәш килен һәм етерлек тормош һурпаһын татыған ҡатын үтә күренмәле ҡоймаҡтар менән оҙаҡ итеп тәмләп сәй эстеләр. Ә инде хужабикә: “Апай, йәшлегем менән аңламай һине үпкәләткән булһам, ғәфү ит”,-тип матур шәл-яулыҡ бүләк иткәс, өлкәне түгелеп иларға тотондо. “Һин мине ғәфү ит, килен. Беләм, холҡомдоң ауыр икәнлеген, һөйләп-һөйләйем дә һуңынан ғына уйлайым бит”. Ике ҡатын был көндө сәйнүк артынан сәйнүкте лә, хис-тойғоларын да бушатты. “Булмай былай, Яңы йыл етеп килә, әҙерләнергә кәрәк. Киленгә иң матур бүләк һатып алырға кәрәк”,-тип уйланы ҡатын. Ауылдаштарын яһил теле менән аптыратҡан ҡатын Яңы йыл төнөн һәр саҡ яңғыҙы ҡаршылай ине. Төнөн клуб тирәһен ҡарап сыға ла, кемдең балаһының нимә ҡыланыуын иртәнсәк бар ауылға тарата, үҙенән өҫтәп ебәрә етмәһә. “Юҡ, быйыл балаларын, ирҙәрен, бисәләрен үҙҙәре ҡараһындар! Ә уны йәш килен Яңы йыл төнөн бергә ҡаршыларға ҡунаҡҡа саҡырҙы, вәт!” Шуға күрә туҡталышҡа ла ғорур ғына атлап килеп, унда торғандар менән мәртәбәһен белеп кенә һаулыҡ һорашты. Ҡатындарҙың Яңы йыл тураһында һөйләшкәнен ишетеп, үҙенең дә ҡунаҡҡа йыйынғанын, ә инде 1 ғинуарҙа үҙе яуап итеп, ауылдың иң уңған ғаиләһен ҡунаҡҡа саҡырасағын, йәш килендең ни тиклем аш-һыуға оҫта булыуын, өйөнөң таҙалыҡтан балҡып тороуын бәйән итте. Ауылдаштары ҡатындың кемделер маҡтап һөйләүен иҫе китеп тыңланы. Ҡатын йәш киленгә көмөш алҡа һатып алырға булды. “Һеңле итеп алайым да ҡуяйым. Йәш булһа ла ни тиклем аҡыллы бит”,-тип уйланды ул биҙәүес һайлай-һайлай. Күңеленә ятҡаны табылды ниһайәт. Байрам алды булғас кеше күп. Магазиндан сығып барғанда алдында китеп барған кешенең нимәнелер төшөрөп ҡалдырғанын күрҙе. Эйелеп алды һәм ни күрә—аҡсалы янсыҡ! Бер-береһенә һыйынышып ҡына ятҡан меңлектәр, хатта ҡыҙғылт ҡына биш меңлеге лә бар. Быға тиклем ҡатын нимә тапһа ла “Асығауыҙланып йөрөмәһендәр!” тип кеҫәһенә һалып алыр йә өйөнә алып ҡайтыр ине. Башынан икеле-микеле уйҙар үтте. Был табыш уның өсөн ҙур, бик ҙур, тик... “Эй, көтөп тороғоҙ, һеҙгә әйтәм көтөп тороғоҙ тием бит! Бар донъяғыҙҙы онотоп аҡсағыҙҙы юғалтып йөрөйһөгөҙ, етмәһә, мин һеҙҙе баҫтырырға тейеш. Мәгеҙ!” Ир янсығын танып аптырап китте. “Рәхмәт, ҙур рәхмәт! Мин һеҙгә күпмелер бирергә тейеш бит бының өсөн?”. Ҡатын: “Миңә һинең аҡсаң кәрәкмәй. Аллаға шөкөр, пенсиям килеп тора”,-тип әйләнеп китеп тә барҙы. Ир машинаһына инеп ултырҙы. Тағы бер йыл үтеп тә бара. Ахмаҡлыҡ, ирҙәр мин-минлеге арҡаһында икенсе Яңы йылды ҡатыны менән ҡаршылай алмай. Ә нисек яратышып өйләнешкәйнеләр бит! Егерме йыл һә тигәнсе үтеп тә китте. Эйе, төрлө саҡтар булды, әммә йорттарына һәр саҡ Мөхәббәт хужа булды. Уйламаған аҙым, баш әйләнеүме, әллә шайтан ҡоторттомо... Нисек булғанын аңламай ҙа ҡалды, әммә ул икенсе ҡатынға әүрәне. Нисәмә йыл яратҡан кешеһенән биҙҙе, уны ситкә этәрҙе. Бер йәнгә әүерелгән ҡатыны әлбиттә эштең нимәлә икәнлеген аңланы, хыянат тураһында еткерергә ашығыусылар ҙа табылды. Ир тәүҙә көтөлмәгән иреккә шатланып бөтә алманы, тик көндәр үтә барыу менән ҡатынын һағына башланы, ниндәй хаталы аҙым яһағанын аңланы. Яратҡан кешеһен ни тиклем яралағанын белә ул. Ике йыл дауамында ҡатынының ғәфү итеүен ялбара, тик ул әрләмәй ҙә, өндәшмәй ҙә, кисермәй ҙә. Бөгөн дә яратҡан кешеһенә барҙы, байрамды бергә ҡаршылап барыһын да онотоп, яңы тормош башларға үтенде. Тик ҡатыны өндәшмәй генә ишеккә күрһәтте. Аңҡы-тиңке булып аҡсаһын да төшөрөп ҡалдырған. Ҡапыл телефоны шылтыраны һәм донъялағы иң ҡәҙерле, иң яҡын кешеһенең тауышы яңғыраны: “Мин һине көтәм...Ҡайт...” Шатлығынан ни эшләргә белмәгән ир юл ыңғайындағы магазинға барып туҡтаны. Бына ҡатынының яратҡан шоколадтары, ә телевизор алдында ул ғәҙәттә мандарин ашарға ярата. Ике пакет тәмлекәстәр тейәп сыҡҡан ир магазин алдында илап торған ҡыҙыҡайҙы күрҙе. Йөҙ һум аҡсаһын юғалтҡан икән. “Әсәйем әрләмәй ул, тик уға барыбер ҡыйын булыр шул”. Ир кеҫәһенән аҡса сығарып ҡыҙыҡайға тотторҙо. Бына әсәйең ҡушҡан нәмәләрҙе лә һатып ал да, ҡалғанына үҙеңә шоколад ал!” Әсәһенең һораулы ҡарашын күреп ҡыҙыҡай: “Ҡыш бабай бүләк итте”-тип тәмлекәстәрҙе ҡалдырҙы ла, ағаһы янына тышҡа йүгерҙе. Ҡатын тәҙрәнән яңы яуған ҡарға ятып фәрештә һыны эшләгән балаларына ҡарап йылмайҙы. Сафлыҡ, аҡлыҡ бүләк итеп, бар ҡайғы-хәсрәтеңде һыпырып ташларға теләгәндәй, йомшаҡ ҡына ҡағылып, көнө буйы яуған ҡар. Ниңәлер бөгөн иртәнсәк почтаға ашыҡҡанда ошо ап-аҡ өйөрмә йөрәген ялмап алды, күңеленең иң нескә ҡылдарына ҡағылып киләсәккә ӨМӨТ һәм ЫШАНЫС бүләк итте.
Бөгөн, 3 апрелдә, 16.00 сәғәттә изоляция шарттарында балалар баҡсаһының эше һәм дистанцион уҡытыуға күсеү һорауҙары буйынса брифинг үткәрелә. Һорауҙарға Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Васильевич Григорьев һәм мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Йыһанша улы Ишбаев яуап бирәсәк. Брифинг онлайн режимда ҡала хакимиәтенең “Инстаграмда”ғы рәсми битендә (https://www.instagram.com/sterlitamakadm/) һәм ҡала хакимиәтенең ютуб-каналында (https://www.youtube.com/channel/UCaVKeOolnSDkPaIDY5RsyZg/channels) уҙғарыла. Һорауҙарҙы алдан электрон почтаға ебәрергә лә мөмкин: [email protected]. Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана 10 сентябрҙән 10 октябргә тиклем «Халыҡҡа – башҡорт китабы» изгелек акцияһын ойоштора. Йыйылған китап Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт халҡын хеҙмәтләндереүсе китапханаларға тапшырыласаҡ. Башҡорт яҙыусыларының башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге йыйынтыҡтары һәйбәт торошта ҡабул ителә. Улар Рәсәй төбәктәре китапханаларының китап фондын тулыландырыласаҡ. Китаптар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 287 – 13 – 09. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы әүҙемселәре “Яңы йыл мөғжизәһе” проектына ярашлы ишле ғаиләләр, мөмкинселектәре сикләнгән һәм төрлө ауыр хәлдәргә тарыған 100 ашыу баланы яңы йыл байрамы менән ҡотланы. “Беҙ бергә” акцияһын ойоштороусыларға ҡушылған Өфө эшҡыуары Вадим Заһитов балаларға татлы бүләктәр тапшырҙы. Ваҡытлыса ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләләр үҙәгендә, бигерәк тә әлеге көндә әсәләре: менән бергә унда йәшәгән 17 балаға тылсымлы әкиәттән килгән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡулынан алған яңы йыл бүләктәре ысын мөғжизә булып тәьҫир итте. Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы әүҙемселәре Һупайлы биҫтәһендәге шыршы янында балаларҙың уйын-көлкө ҡатыш шат тауыштарынан яңғырап торҙо. "Саф һауала ойошторған был сара балаларға ла, атай-әсәйҙәргә лә бик файҙалы", - тине ошо ойошманың белгесе Гөлнара Мәғәсүмова. “Бер бала ла яңы йылда бүләкһеҙ ҡалырға тейеш түгел” - тине, эшҡыуар Вадим Заһитов. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Илебеҙгә виза алыуҙы талап итмәгән тәртиптә килгән сит ил кешеләренә РФ территорияһында ваҡытлыса йәшәү срогы (әгәр уның ваҡыты сыҡһа) 90 көнгә тиклем оҙайтыла. Бының өсөн миграция хеҙмәтенә ирекле формала яҙылған ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Виза нигеҙендә Рәсәйгә килгән сит ил кешеләренә визаларҙың срогы бөткән осраҡта, илебеҙгә ниндәй маҡсатта килеүҙәренә ҡарамаҫтан, виза шулай уҡ өс айға тиклем оҙайтыласаҡ. 2-37-95, 8-999-742-6275 телефондары буйынса консультация алырға һәм ҡабул итеүгә яҙылырға мөмкин. Юлия ВАСИЛЬЕВА, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе етәксеһе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Үҙәк дауахана табиптарынан торған күсмә төркөм ауылдарға сығып, диспансеризация үтергә тейешле кешеләрҙең сәләмәтлек торошон тикшерә. Районда диспансеризация буйынса әүҙем эш башланды. Ул төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү, ваҡытында асыҡлау һәм дауалау маҡсатында уҙғарыла. Үҙәк дауахана табиптарынан торған күсмә төркөм ауылдарға сығып, диспансеризация үтергә тейешле кешеләрҙең сәләмәтлек торошон тикшерә. Дәүләт ауыл биләмәһенең участка терапевты Нәйлә Ғаррапова Яңауылда диспансеризацияға килгән һәр кемдең сәләмәтлек торошон ентекләп ҡараны. Тикшерелеүселәрҙең ҡан баҫымы үлсәнә, ЭКГ яһала, глюкозаға һәм холестеринға анализдар алына. Нәйлә Салауат ҡыҙы диспансеризация картаһына мәғлүмәт тултырған арала, табип күрһәтмәләре биреп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, алкоголь, тәмәкенән баш тартыу, дөрөҫ туҡланыу хаҡында әңгәмә үткәрергә өлгөрә. Айырыуса хроник сирлеләргә, ололарға насар ғәҙәттәрҙән ары торорға кәңәш итте ул. Өҫтәмә тикшерелеү талап ителгән кешеләргә йүнәлтмәләр бирҙе. — Халыҡ әүҙем килә, бер көн эсендә 34 кеше үтте, сәләмәтлек торошо буйынса килә алмағандарҙың йорттарына барҙыҡ. Тағы 7 кешене профилактика рәүешендә ҡараныҡ, — ти Нәйлә Ғаррапова. — Ҡан баҫымы менән интеккәндәр, шәкәре юғары булғандар байтаҡ. Уларға шунда уҡ дауалау курсы тәғәйенләнек. Шуныһы ҡыуаныслы, күптәр үҙенең һаулығына битараф түгел, ир-егеттәр, йәштәр килеүе һәйбәт. Яңауылдарҙың сәләмәтлек һағында тороусы фельдшер Рәхилә Аллабирҙина менән Дәүләт ФАП-ының акушеркаһы Гөлфиә Талхина район дауаханаһынан килеүсе күсмә төркөм составындағы шәфҡәт туташы Гөлдәр Нуримановаға документация тултырыуҙа, анализ алыуҙа ярҙамлашты. Үҙәк поликлиниканың шәфҡәт туташы Гөлсөм Йәһүҙина күҙ баҫымын үлсәне. Ауыл халҡы Асҡарҙан килеүсе табиптар менән окулист та булһын ине, тигән теләк еткерҙе. Район дауаханаһы акушеркаһы Луиза Байсалова диспансеризация үтеүселәрҙән цитологияға анализдар ала. 35 йыл стажға эйә медик уҙған йылда шул рәүешле өс яман шеш осрағын асыҡлауы хаҡында һөйләне. 39 йәштән уҙған ҡатындарға маммография үтергә кәрәклеген белдерҙе. — Урындарҙа диспансеризация үткәрергә ҙур теләк менән сығам, ауыл халҡы, бигерәк тә ололар ихлас ҡыуана. Яҡты йөҙөгөҙ, йылы һүҙегеҙгә рәхмәт тип ҡайталар, — ти Луиза Әнүәр ҡыҙы. Ысынлап та, табиптар ауылға уҡ килгәндә бындай мөмкинлекте файҙалан-май ҡалыу яҙыҡ. Асҡарға барып, ваҡыт үткәрергә кәрәкмәй. Билдәләнгән көндө килеп күренеүҙең бер ҡыйынлығы юҡ. Яңауылда йәшәүсе Зәйтүнә Һибәтова ла шундай фекерҙә: — Диспансеризацияны дүрт йыл һайын үтеп торам. Табиптарҙың үҙебеҙгә килеүе халыҡҡа, бигерәк тә ололарға уңайлы. Фельдшерыбыҙ алдан әйтеп сыҡты, саҡырып, кәрәкле мәғлүмәтте картаға теркәне. Район дауаханаһына барып талон алырға, сиратта торорға кәрәк, ә былай йәтеш, — тине ул. Ҡырҙас фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла диспансеризация бик әүҙем үтте. ФАП мөдире Рәзинә Ғәйзуллина менән акушерка Фәриҙә Сәлимйәнова эште яҡшы ойошторған. Ҡырҙастарҙы участка терапевты Анна Замураева ҡабул иткән. Диспансеризация үтергә тейешле 129 кешенең 88-е килгән. Табиптар урындағы хакимиәт яғынан да иғтибар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм өҙөклөктәрһеҙ эшләүҙәрен белдерҙе. Күсмә төркөм артабан да ауылдар буйлап йөрөйәсәк, шуға килегеҙ, табиптарға күренегеҙ! Һаулығығыҙ — үҙ ҡулығыҙҙа. Ауырып, оҙайлы дауаланыуға ҡарағанда, сирҙе иҫкәртеү еңелерәк икәнен онотмағыҙ. Д. САФИУЛЛИНА. Февраль айында диспансеризация үткәреү графигы: 1 февраль — Тәпән ФАП-ы, 4 — Ҡужан, 5 — Дәүләт, 6 — Ишкилде, 7 — Яңы Һамар, 8 — Әүмеш, 11 — Таштуй, 12 — Юлдаш, 13 — Гусев, 14 — Таҡһыр, 15 — Йәнгел табип амбулаторияһы, 18 — Первомай, 19 — Атауҙы, 20 — Мәйгәште, 21 — Сиҙәм, 22 — Әбдрәш, 25 — Әлмөхәмәт станцияһы, 26 — Әлмөхәмәт ауылы, 27 — Северный бүлексәһе, 28 февраль — Иҙәш Ҡусҡары, Тал Ҡусҡары. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
1 июлдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә йәмәғәт күҙәтеүселәр Башҡортостандың барлыҡ һайлау участкаларында эшләйәсәк. 1 июлдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә йәмәғәт күҙәтеүселәр Башҡортостандың барлыҡ һайлау участкаларында эшләйәсәк. Күптән түгел Башҡортостан Ижтимағи палатаһы менән “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе араһында гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәренең дөйөм рәсәй тауыш биреүен, тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың тауыштарын һанауҙы һәм уның һөҙөмтәләрен билдәләүҙә ҡатнашыуын тәьмин итеү маҡсаттарында үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Барлыҡ йәмәғәт күҙәтеүселәре дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә үҙ хоҡуҡтарында һәм бурыстарында тигеҙ буласаҡ. Был - ҙур волонтерлыҡ хеҙмәте, улар Башҡортостандағы 3453 һайлау участкаһында тауыш биреүҙең легитимлығын тәьмин итергә тейеш”, - тип билдәләне Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. Йәмәғәт палатаһы лидеры әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә эшләү өсөн төбәк күҙәтеү корпусы ойошторола. Палата аппараты барлыҡ кандидаттарҙан йәмәғәт күҙәтеүселәренә кәрәкле документтарҙы ҡабул итеүҙе дауам итә. Фото: bashinform.ru Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Көн дә донъя күргән junge Welt тип атлған немец баҫмаһы Валдимир Путиндың икенсе донъя һуғышы хаҡында мәҡәләһен баҫтырған. Материал 25 июндә донъя күргән. Мәҡәләнең немец варианты ҡыҫартылған форматта сыҡҡан, тиҙәр. Мәҡәләгә төп иллюстрация булараҡ Франция, Италия, Германия һәм Бөйөк Биритания илдәре башлыҡтарының 1938 йылда Мюнхен килешеүенә ҡул ҡуйған ваҡыттағы фотолары бирелгән. #ВладимирПутин Гульшат Кагарманова Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусылар быйылғы дүрт айҙа өс меңдән күберәк кешегә артҡан (үткән йылдарҙағы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда ун тапҡырға ашыуыраҡ). Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Әле программала 6,5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың 1,6 меңе торлаҡ шарттарын яҡшыртты, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында. Программаны финанслау 2,5 тапҡырға арттырылған – йылына 235 миллион һумға тиклем. Былтыр был сумма 106 миллион һум булған. 2017 йылдан алып ошо программа буйынса 1600-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау программаһында 18 йәше тулған, банк вкладтарында өс-алты йыл дауамында аҡсаһы йыйылған граждандар ҡатнаша. Улар артабан ташламалы ставка буйынса ипотека алыу хоҡуғына эйә була. Төбәк власы программала ҡатнашыусыларға айлыҡ тупланған взностар суммаһынан 30 процентҡа тиклем күләмдә субсидия түләй. 2024 йылға ипотека буйынса уртаса ставканың йыллыҡ күләмен 7,9 процентҡа тиклем кәметеү – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Дөйөм алғанда, ипотека баҙарын үҫтереү, торлаҡты кредитлауҙы электрон төргә күсереү, бындай төҙөлөштө финанслауҙың яңы системаһын нығытыу планлаштырыла. #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
“...Ҡураныс ҡына кәүҙәле, бер аҙ көмөрәйеп йөрөгән, күҙлеген һалмаған ағай бер ваҡытта ла һаулыҡ һорашмай һәм биргән сәләмде лә алмай торғайны. Йөҙөндә йылмайыу ғәләмәтен дә һирәк кеше күргәндер. Ул урамдан үтеп барһа, күңелдә ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ тойғоһо тыуа, уны урап үтке килә торғайны. Моғайын, ишеткәнегеҙ барҙыр: ҡыҙ бала, ғәҙәттә, әсәһенең яҙмышын ҡабатлай. Әлбиттә, был – бик бәхәсле фекер, әммә тормошта булған ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар ошо ябай ғына ырымдың аяныслы ысынбарлыҡ икәнлеген иҫбатлай. Бер танышым һөйләгән, бынан күп йылдар элек булған хәл – шуға миҫал.“...Ҡураныс ҡына кәүҙәле, бер аҙ көмөрәйеп йөрөгән, күҙлеген һалмаған ағай бер ваҡытта ла һаулыҡ һорашмай һәм биргән сәләмде лә алмай торғайны. Йөҙөндә йылмайыу ғәләмәтен дә һирәк кеше күргәндер. Ул урамдан үтеп барһа, күңелдә ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ тойғоһо тыуа, уны урап үтке килә торғайны.Ҡарттың ауылдағы даны үҙенсәлекле ине: бер аҙ сәйерерәк холоҡло булғанға ғына түгел, ә һәр ғәмәл буйынса ялыу яҙырға, тауыш ҡуптарырға яратҡанға, барлыҡ ергә ҡыҫылып йөрөгәнгә, уны ситләп йөрөргә тырыштылар: бәләһенән баш-аяҡ!Ә ауыл йыйындарында ошо тәү ҡарамаҡҡа шым ғына тойолған һөмһөҙ ағайҙың ярһый-ярһый, төкөрөктәрен сәсеп, власть вәкилдәре йә ауылдаштары менән төрлө сәбәптәр буйынса нисек әрләшкәнен күрһәгеҙ! Ысынлап та, үтә сәйер әҙәм ине был ҡарт...Ауылдаштары уға береһенән-береһе яманыраҡ ҡушамат таҡһа ла, йөҙөнә бәреп ҡаршы әйтергә шөрләй ине, сөнки иртәгә үк Дарман ҡарт берәй сәбәп та­бып (кем гонаһһыҙ был донъяла?), ялыу яҙып, йә гәзиткә, йә райкомға ебәрәсәк.Өлкәнерәк йәштәгеләр иһә уның тураһында тағы ла аяныслыраҡ ваҡиға­ны хәтерләй ине. Дарман йәшерәк сағында күрше ауылдан йәш, бик сибәр ҡыҙға өйләнгән. Ҡуйы оҙон толомло, һомғол буйлы, асыҡ йөҙлө сибәркәй ошо ябыҡ, йәмһеҙ, холоҡһоҙ әҙәмгә кейәүгә нимә уйлап сыҡҡандыр, уныһы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ҡайһы берәүҙәр, ҡыҙ ҡанһыҙ үгәй атаһынан ҡотолорға теләп ризалашҡан, тип тә һөйләне, әммә халыҡта нимә тиҙәр әле: иртән уңмаһа, кис уңмаҫ, кис уңмаһа, һис уңмаҫ...Дарман менән Миңлегөл тәүҙә арыу ғына донъя көтөп алып киткән. Йорт һалғандар, хужалыҡтарын теүәллә­гәндәр. Бер-бер артлы улдары һәм ҡыҙҙары тыуған. Әйткәндәй, малай атаһына тартым ябыҡ һәм бәләкәс кенә булһа, ҡыҙҙары бәләкәстән һөйкөмлө һөйәк, әсәһенә оҡшап, нур бөркөп торған бала була.Әммә ауыл өҫтөндә бер нәмәне лә йәшереп булмай: Дармандың сибәр ҡатынын ныҡ көнләшкәнен, үтә һаран булыуы, өйҙә аҡсаны ғына түгел, аҙыҡты ла үлсәп кенә биреүе, ҡул күтәрергә лә тартынмауы тураһында ваҡыты-ваҡыты менән һөйләп алалар. Тик кеше тормошона кем ҡыҫылһын? Беләләр ҙә, әммә өндәшмәйҙәр...Бер мәл шулай был йортта өмә ойошторалар. Мунса күтәрергә тип ауылдың бер нисә ир-уҙаманын да саҡыралар. Ҙур эштән һуң табын ҡоралар. Иртәгә­һенә иһә йортта янъял ҡуба: Дарман, ҡатынын теге ирҙәрҙең береһенән көнләшеп, шул тиклем ныҡ итеп туҡмай, хатта башын ярғансы һуға. Был хәлгә шаһит булған бәләкәс балалар ҙа ҡурҡып, йәшенеп бөтә...Ошо ваҡиғанан һуң Миңлегөлдөң хәле көндән-көн насарая, ул тормош мәшәҡәттәренә битарафҡа әүерелә. Дарман, уға табип саҡырыу урынына, ки­реһенсә, “фәхишә”, “эшлекһеҙ” тип өйҙән ҡыуып сығара, балаларын күрергә лә рөхсәт итмәй. Бына шулай, яҡлар кешеһе булмағас, бер бәләнән ҡотолам тип, күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан ҡатын тағы ла олораҡ бәләгә тарый.Оҙон толомдарын тағатҡан, бит-башы туҙған, күлдәктәренең иҙеүе асылған, күҙҙәре тоноҡланып ҡалған, йә илаған, йә көлгән ҡатынды йыш ҡына һыу буйында күрә башлайҙар, әммә һүҙ ҡушыр­ға ҡурҡалар: кем белә уның башында нимә икәнен? Шулай көндәр үтә, бер мәл Миңлегөл ауылдан юҡ була. Кем, ҡасан, ҡайҙа алып киткән, ярҙам итеүсе табылғанмы – күптәр аңламай ҙа ҡала.Оҙаҡ йылдар үткәс кенә, алыҫ тө­бәк­тәрҙән урыҡ-һурыҡ хәбәр килеп етә: фәлән районда төпләнгән, үҙен ҡабул иткән кешегә кейәүгә сыҡҡан һәм тағы ла балалар тапҡан икән. Шунда ғүмере үткән, шунда һуңғы төйәген дә тапҡан, тиҙәр...Дарман, ҡатынын нахаҡҡа рәнйе­теп, балаларын әсәһеҙ ҡалдырыуға үкенгән, намыҫ ғазабы кисергән, тиһегеҙме? Юҡ, ул оҙаҡ та тормай, бер балалы ҡатынға өйләнеп, Миң­легөл менән ҡорған нигеҙҙә бер ни булмағандай, артабан донъя көтөп алып киткән.Улы менән ҡыҙын да ошо үгәй әсә үҫтергән. Сабыр, өндәшмәҫ ҡатын менән нисек уртаҡ тел тапҡандарҙыр инде: Дарман да ҡартайғансы ошо ҡатынынан риза булып йәшәне, ул вафат булғас, башҡаса өйләнмәне...Дармандың улы бала саҡ хәтирә­ләрен онота алғанмы-юҡмылыр, мәгәр уның үҫкәс, тыуған ауылын ташлап, ситкә сығып киткәне, шул яҡта төпләнгәне мәғлүм.Ә бына ҡыҙы... Иҫ киткес сибәр, нурлы бала булып үҫә Дилә. Үҙе алсаҡ, үҙе көләкәс. Толомдары һуң! Күпереп торған сәстәре, ап-аҡ йөҙө менән дә эҙһеҙ юғалған әсәһенә үтә ныҡ оҡшаған була ул. Эх, тик яҙмышы ғына уныҡына оҡшаш булмаһа икән дә! Әммә...Ауылда уға ғашиҡ булмаған егет ҡалмай, әммә Дилә уҡырға киткән ерендә бүтән төбәк егетен оҡшатып, кейәүгә сыҡҡан, тыуған яғынан бик алыҫҡа киткән. Тәүге йылдарҙа балаларын алып, кейәүе менән бер нисә тапҡыр ауылға, атаһы һәм үгәй әсәһе янына ҡайтып та киткән, тиҙәр. Тик шунда әле уның тура­һында бик тә көйөнөслө хәбәр ишетелеп ҡала: Дилә сирләй, зиһене бутала икән... Сәбәбе нимәлә, уны ғаиләһендә ҡабул иткәндәрме, әсәһе ише берәй холоҡһоҙ кешегә тура килгәнме? Был һорауҙарҙың барыһы ла асыҡ килеш ҡала. Унан тыш, бер нисә йылдан ауылға тағы ла фажиғәлерәк хәбәр еткерәләр: сибәр Дилә эҙһеҙ юғалған...Ҡасандыр әсәһен, ә хәҙер берҙән-бер һеңлеһен дә юғалтҡан ағаһы Дилә йәшәгән яҡтарға барып, уны юллап, эҙләп, белешеп тә ҡарай, әммә ҡатын кәбәнгә төшкән энә төҫлө, юҡ була....Ә Дарман ҡарт оҙаҡ йәшәне. Һуңғы йылдарҙа ҙур йортонда бер үҙе донъя көттө. Уның иҫән икәнлеген бәләкәй яҡтағы берҙән-бер тәҙрәһендә билдәле ваҡытта янған лампочкаһы ғына иҫкәртеп тора ине. Ҡартайған көнөндә ниндәй уйҙар кисергәндер, үкенестәре булғанмы, кеше яҙмыш­тары менән шулай еңел уйнағаны өсөн тәүбәгә килгәнме – Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә... Автор: Г. РӘСҮЛЕВА Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Башҡортостан парламенты депутат-тары алкоголь эсемлектәр менән һатыу итеүҙе тыйыу ваҡытын 3 сәғәткә оҙайтыу тураһында закон ҡабул итте. Бынан тыш, республикала һабантуйҙар ваҡытында, Белем һәм Йәштәр көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. «Был сикләүҙәр быйылдан ғәмәлгә инә. Бынан тыш, төнгө сәғәттәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон нигеҙендә 22 сәғәттән 10 сәғәткә тиклем арттырылды, ә быға тиклем ул 23 сәғәттән 8 сәғәткә тиклем ине», — тип аңлата парламент башлығы Константин Толкачев. Закон бик күп һайлаусыларҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә ҡабул ителде һәм интернетта йәмәғәтселек тикшереүе үтте. Шул уҡ ваҡытта, алкоголле эсемлектәр менән һатыу итеүҙе сикләүгә бәйле граждандарҙан бик күп тәҡдимдәр килә икән. Константин Толкачевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы закон бизнеста кире йоғонто яһамаясаҡ, киң ҡатлам халыҡ ихтыяжын ҡыҫмаясаҡ, ә ҙур байрам көндәрендә йәмғиәттә тәртип булдырырға булышлыҡ итәсәк, йәштәр араһында эскелекте кәметәсәк. Әйткәндәй, айыҡ һабантуйҙар үткәреү буйынса етди тәҡдимде Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров күтәреп сыҡты. Р. ЙӘЛИЛЕВА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡортостанда 2020 йылдың 1 февраленән «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша беренсе кластарға алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Башҡортостанда 2020 йылдың 1 февраленән «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша беренсе кластарға алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаны ҡағыҙға яҙып килтерергә лә мөмкин. Беренсе класҡа алыу тураһында ғаризаларҙы ҡабул итеү ике этапта башҡарыла. 1 февралдән 30 июнгә тиклем – учреждениеға беркетелгән биләмәлә теркәлгәндәр өсөн; 1 июлдән 5 сентябргә хәтлем – учреждениеға беркетелгән биләмәлә теркәлмәгәндәр өсөн. «Мәктәптәрҙе электрон комплектлау» һәм «Башҡортостандың дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша ғариза биреү мәктәпкә документтар тапшырыуҙы алмаштырмай, тип белдерә Һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте. Шуға күрә электрон ғариза биргәндән һуң 3 көн эсендә баланың ата-әсәһе (законлы вәкиле) күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе раҫлаған документтарҙы мәктәпкә килтерергә тейеш. Әгәр документтар билдәләнгән ваҡытта тапшырылмаһа йәки документтарҙа бала хаҡында мәғлүмәттәр Башҡортостан мәктәптәренә электрон сират сервисы сайтында яҙылған мәғлүмәттәр менән тап килмәһә, ғариза ғәмәлдән сығарыла һәм бала дөйөм белем биреү мәктәбенә алынмай. Был осраҡта ата-әсәгә ҡабаттан ғариза тапшырырға кәрәк. Яңылыҡ Башинформ сайтынан. Фото: school32-krsk.ru #детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мысырҙың Порт-Сәит халҡы йәкшәмбелә сыуалыштарҙа һәләк булған 37 кешене ерләне. Асыулы тиҫтәләрсә мең кеше урамдарға сыҡты, ҡайһы саҡ улар административ учреждениеларға бәреп инергә маташты. Уларҙы был эштән дүндереү өсөн, полиция йәш ағыҙыусы газ ҡулланды, һауаға атты. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡыйыҡтарҙа снайперҙар ҙа ултырған. Көс структуралары ял иткән клуб та йәкшәмбе һөжүмгә дусар булған. Был сыуалыштар 21 футбол фанатына сығарылған үлем хөкөмө арҡаһында башланды. Хөкөм ителгәндәҙең барыһы ла 2012 йылдың февралендә Порт-Сәиттең “Әл-Мәсри” һәм Ҡаһирәнең “Әл-Әхли”клубтары матчында күмәк алышта ҡатнашҡан. Алыш 7 тиҫтә кешенең ғүмерен киҫкән. Шәмбе тотҡондарҙың хөкөм ҡарары менән риза булмаған туғандары, хөкөм ителгәндәр ултырған төрмәне штурмлай башлаған, әммә полиция уларҙы ҡыуып таратҡан. Порт-Сәит халҡы һөйләй: “Беҙ Порт- Сәит халҡын ҡалабыҙҙы бойондороҡһоҙ дәүләт итеп иғлан итеү хаҡындағы петицияға ҡул ҡуйырға саҡырабыҙ.” “Беҙ бойондороҡһоҙлоҡ талап итәбеҙ. Беҙ Мысырҙың бер өлөшө булырға теләмәйбеҙ. Порт-Сәиттең бойондороҡһоҙ дәүләт булыуын теләйбеҙ.” Шәмбеләге сыуалыштарҙан һуң, Порт- Сәиткә регуляр ғәскәр подразделениелары, танкылар һәм бронетехника индерелде. Ҡала үҙәген хәрбиҙәр ябыҡ зона, тип иғлан итте. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest