text
stringlengths
369
192k
27 сентябрҙә илебеҙҙә Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрам Санкт-Петербургта 1863 йылдың көҙөндә тәүге балалар баҡсаһы асылыуға арналған. Районда мәктәпкәсә белем биреү 26 мәғариф учреждениеһында ғәмәлгә ашырыла, уларҙа 1231 бала белем һәм тәрбиә ала. Байрам алдынан беҙ Ҡотош ауылындағы “Йәйғор” балалар баҡсаһында булдыҡ. Уның тарихы 80-се йылдар башында башлана. Ошо осор-ҙа социаль үҫешкә ҙур иғтибар бүленә. 1984 йылда Нуриманов исемендәге колхоз рәйесе Сәрүәр Дилмөхәмәтовтың ҡарары менән ике ҡатлы ағас бинала 30 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыла. Бында төрлө йәштәге балалар-ҙан торған бер төркөм эшләй. Гөлсибәр Ғималова, Рәфилә Ахунова, Мәйсәрә Һаҙыева, Вәриҙә Шафиҡова, Рита Ҡотлоева,Фатима Фәҡирйәнова, Динара Хәйбуллина, Сәлимә Әһлисламова – тәүге хеҙмәткәрҙәр. Һуңынан коллектив Флүзә Шәрипова, Гүзәл Закирова кеүек хеҙмәткәрҙәр менән яңыра. 2003 йылда балалар баҡсаһы В. Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбе бинаһына күсә. Бөгөн мәктәпкәсә учреждениеға 35 бала йөрөй. Улар ике йәш төркөмөндә шөғөлләнә. Кесе төркөмгә йәш ярымдан дүрткә тиклем ҡабул итһәләр, өлкән төркөмгә – дүрттән ете йәшкә тиклем. Балалар баҡсаһы менән Земфира Тәүәкәлова етәкселек итә, бер юлы ул – тәрбиәсе лә. “Йәйғор” балалар баҡсаһында өс йыл эшләй. Ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнә, документация менән эшләй, шулай уҡ хужалыҡ бурыстары ла уның иңендә. – Беҙҙең балалар баҡсаһы йылдан-йыл матурыраҡ була бара, матди базаһы нығый. Белгестәр көслө, коллектив тотороҡло. Барыһы ла үҙ эштәренә ижади ҡарай. Улар менән эшләүе рәхәт, – ти ул. Земфира Мансур ҡыҙының ҡул аҫтында ҙур булмаған татыу һәм эшсән коллектив хеҙмәт итә. Быйыл коллектив яңы хеҙмәткәр менән тулылан-ған – Миләүшә Ғиниәтова музыка дәрестәре алып бара. Кескәйҙәр төркөмөндә сабыйҙар менән Гөлсибәр Ғәлимова эшләй. Уның төп ярҙамсыһы – Айгөл Ҡотлоева. Тәрбиәләнеүселәре – әле бөтөнләй сабый ғыналар, күптәренә ике йәш тә тулмаған. Улар күңел йылыһына, яратыуға, айырыуса хәстәрлеккә һәм ярҙамға мохтаж. Гөлсибәр Памир ҡыҙы менән Айгөл Юрьевна көн дауамында уларға әсәләрен алмаштыралар – тынысландыралар, иркәләйҙәр, кәрәк сағында ҡосаҡлап алалар һәм, әлбиттә, үҙ аллы ашарға, кейенергә, уйнарға, төрлө шөғөлдәр менән булырға: һүрәт төшөрөргә, нимәлер әүәләргә өйрәтәләр. 18 йыл хеҙмәт стажына эйә Гөлнәзирә Фәтихова быйыл төрлө йәштәге өлкән төркөм тәрбиәсеһе бурыс-тарын йөкмәткән үҙенә. Ул үҙ вазифа бурыстарына яуаплы һәм иғтибарлы ҡарай. Тәрбиәсегә Гөлбикә Сәмиғуллина ярҙам итә. Штатта тағы ла бер хеҙмәткәр – ашнаҡсы Фәнилә Тәүәкәлова бар. Ул “Йәйғор” балалар баҡсаһы кескәйҙәрен көн һайын тәмле һәм төрләндереп бешерелгән аштар менән һыйлай. Төркөмдәрҙә балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ярашлы дәрестәр алып барыла. Балалар баҡсаһында кескәй-ҙәр тирә-яҡты танып белеп һәм телмәрҙәрен үҫтереп, төп төшөнсәләр менән танышып ҡына ҡалмай, ә коллективта йәшәргә һәм эшләргә, уйнар-ға һәм тиҫтерҙәре менән үҙ-ара эш итергә өйрәнә. Танып белеү дәрестәрендә балалар башҡорт әҙәбиәте, ауыҙ-тел халыҡ ижады, Ватан тарихы, ауылдың иҫтәлекле урындары менән таныша, хәрәкәтле халыҡ уйындары унай. Былар барыһы ла милли үҙаңдың үҫешеүенә һәм башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата хөрмәт тойғоһо тәрбиәләй. Балалар баҡсаһында саф һауала йөрөп инеү мотлаҡ. Балаларҙың яратҡан был шөғөлө сәләмәтлек һәм дөйөм үҫеш өсөн мөһим. Мәктәпкәсә учреждение тормошонда ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Улар тәрбиәселәрҙең үтенестәрен үтәргә һәр ваҡыт әҙер, ремонт ваҡытында әүҙем ярҙам итәләр. Өлкәндәр балаларының баҡсалағы тормоштарын ҡыҙыҡһынып күҙәтә һәм байрам- дарға, иртәлектәргә ҙур теләк менән йөрөй.
Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадтың ни рәүешле үҫеш кисереүе тураһындағы брифингта (тура эфир) республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов иң ҙур ярҙам торлаҡ төҙөлөшө тармағына йүнәлтелеүе тураһында белдерҙе. – Шуны айырым билдәләп үткем килә, был осраҡта республика бюджетынан туранан-тура йүнәлтелгән аҡсалар ғына түгел, бында шулай уҡ федераль һәм үҫеш институттарынан килгән аҡсалар, – тине Рөстәм Хәмит улы. – Һандар теле менән аныҡ итеп әйткәндә, торлаҡ төҙөлөшө инфраструктураһы өсөн бүленгәне – 20 миллиард һум тәшкил итә. Ул инфраструктура бюджет кредитынан бүленә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү Фондынан ташламалы займдар буйынса, Милли именлек фонды иҫәбенә коммуналь инфраструктураны үҙгәртеп ҡороуға йәлеп ителгәне – 6,4 миллиард һум. Был – Рәсәйҙә иң ҙур күләм. Мәскәүҙә ДОМ.РФ Берҙәм үҫеш институтындағы осрашыуҙар һөҙөмтәһе буйынса килешеүҙәргә өлгәшелгән. Башҡортостан өсөн инфраструктура облигацияларының күләме – 20 миллиард һум. Ул Ағиҙел буйындағы (2-се этап) торлаҡ йорттар төҙөлөшөнә инженерлыҡ селтәре һуҙыуға һәм Ветерандар госпитале һәм Математика лицейынның социаль объекттары өсөн тотоноласаҡ. Фото: Илдар Аҡъюлов. Автор:Илдар Акьюлов Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
“Йома – ҡояшҡа мансылған көн, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Тап ошо көндә Әҙәм ғәләйһис-сәләм яралтылған, Йәннәткә индерелгән һәм Ергә төшөрөлгән”. Кешеләр үҙен бар иткән йомала күп итеп ғибәҙәт, доға ҡылырға, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итергә тейеш. Раббыбыҙ әҙәм балаларына был көндә, бөтөн донъя эштәрен ҡалдырып, мәсеткә барырға бойора. “Эй, иман килтергән кешеләр! – тип мөрәжәғәт ителә изге Ҡөрьәндә. – Йома Аллаһты иҫкә алыу өсөн намаҙға ашығығыҙ! Сауҙа итеүҙе туҡтатып тороғоҙ”. Йома намаҙының башҡа көндәрҙекенән айырым шарттары бар. * Ул йәмәғәт менән билдәле урында уҡыла. Ваҡыты өйлә намаҙыныҡына тура килә. Сөннәт­тәре менән бергә ун рәҡәғәтле. * Фәҡәт ир-ат өсөн фарыз. Ҡатын-ҡыҙ йома намаҙы урынына өйҙә өйлә уҡырға бурыслы. Әгәр мәсеткә килеп хөтбә тыңлай икән, яҙығы юҡ. * Сәфәрҙәге кешегә йома намаҙы фарыз түгел. Уның урынына өйлә уҡый. * Кемдер, һаулығы насар булып, мәсеткә бара алмай икән, уға ла йома намаҙы фарыз түгел. Өйҙә өйлә уҡыуы хәйерле. Ваҡытлы сир, мәҫәлән, киҙеү йоҡторған кешенең дә иман йортона бармай тороуы яҡшыраҡ. "Башҡортостан" гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Дәрестәр бөтөп, түңәрәктәрҙә шөғөлләнгәс, ҡустым менән өйгә ҡайтырға ашығабыҙ. Азамат робототехниканы ярата. Республика буйынса үткән бәйгеләрҙә ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары ла алды. Әсәйемдең ишек асып инерен көтөп кенә торабыҙ. Минең өсөн уның йылмайыуын күреүҙән дә бәхетлерәк мәл юҡтыр!Эйе, әсәйемдең йөҙө гел яҡты ҡояштай булһын. Уны борсомаҫҡа тырышабыҙ. Әлеге ашығып ҡайтыуы­быҙҙың да сәбәбе бар: өйҙә үҙебеҙсә тырышып, аш-һыу­ҙар әҙерләп торабыҙ. Ризыҡ тәмле килеп сыҡһын өсөн күңел һалып башҡарыу кәрәклеген күптән инде унан өйрәндем. Әсәйем гимназиябыҙ китапханаһында бына 18 йыл инде эшләй. Китаптарын, сабый­ҙарҙай күреп, һөйөп-һөйөп ала ул! Эшенән йәм табып йәшәй белә әсәкәйем! Ҡул эштәре менән мауыға, янып торған мәрйендәрҙән селтәр нағышлап алды. Тәҙрәләрҙә уттар бал­ҡығас, инде эшенән һуң ғына бушаған атайымдың ҡайтыуын күмәкләп көтәбеҙ. Ул бер эштән дә ҡурҡып тормай. Ҡулына аттестат алыу менән шофёр һөнәрен үҙләштерә. Әрме сафына киткәнсе төрлө эштә йөрөй. Ил һағынан һуң крансы булып эшен дауам итә. Йәйге каникул ваҡыттарын ғаиләбеҙ менән Үткәл ауылында уҙғарабыҙ. Бында атайымдың әсәһе Маныя өләсәйем йәшәй. Ул 5 бала тәрбиәләгән. 40 йыл һауынсы бул­ған. Әле өләсәйемә – 86 йәш. Ауырып киткәс, уның янына йышыраҡ барырға тырышабыҙ. Быйыл ҡыҙыл көртмәле уңды. Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма менән һыйлап, үҙенән әллә нисә ҡат рәхмәт һүҙҙәре ишеттем. Ҡасандыр гиҙгән тау-урмандарын бик һағына ул. Үҙ ҡулдары менән емеш-еләк өҙөп ҡаба алған осорҙарына кире ҡайта алмауына эсе бошоңҡорай. Өләсәйем ейән-ейәнсәр­ҙәре өсөн өҙөлөп тора. Серле һандығын асып, ҡаттар һалып тегелгән күлдәген, тәңкә, ялтырауыҡ, затлы таштар менән биҙәлгән камзулын кейһә, мөғжизәле һаҡалын тағып алһа, унан да бәхетлерәк кеше юҡтыр! Тиҙерәк һауыҡ, ҡәҙерле өләсәй! Азалиә ШӘҒӘЛИНА, IX синыф уҡыусыһы. Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Кисә район Хакимиәтендә Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының быйылғы тәүге ултырышы үтте. Кисә район Хакимиәтендә Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының быйылғы тәүге ултырышы үтте. Ҡоролтай рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм барлыҡ тиерлек ағзалар ҡатнашты сарала, ике генә ағза юҡ ине. Юлай Юныс улы былтыр ниндәй эштәр башҡарылған, шул турала телмәр тотто (беҙ уның сығышын гәзиттә баҫтыҡ), сәркәтип, мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Ләйсән Хәсәнова мәктәптәрҙәге хәлдәр хаҡында һөйләне. Беҙҙә барыһы ла һәйбәт, 771 бала башҡорт телен туған теле булараҡ, 1308-е дәүләт теле булараҡ өйрәнә, тине. Барлыҡ олимпиада, башҡа бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ, урындар алабыҙ. Сығыш ярайһы матур ине, тик хакимиәт башлығы урынбаҫары Люциә Хәмитова докладта барыһы ла яҡшы яңғырай, ысынбарлыҡта башҡорт телен уҡытыуҙа проблемалар етерлек бит, тип үҙ фекерен әйтте. Балалар дәрестәрҙән ҡаса, дәрестәр ҡыҙыҡ үткәрелмәй, яңы методик алымдар юҡ. Бына шул турала ныҡлап уйларға кәрәк. Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары, был фекер менән килешеп, баш ҡаҡты. Ермолаевоның беренсе мәктәбе уҡытыусыһы Резеда Иҙрисова үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был алдынғы һаналған мәктәптә 597 уҡыусы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡый, 60-ы туған тел булараҡ. Ниңә шулай, сөнки бында башҡорттар аҙ. Ошо ерҙә бар ағзалар, ниңә беҙҙең балалар туған теленән ҡаса, хатта өйҙә туған телендә аралашһа ла, урамға сыҡһа, рус теленә күсә, тигән темаға оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп алды. Улай ғына түгел, саф башҡорттар ғына булған ерҙә лә, бер рус балаһы килеп ҡушылһын – бала туған телен онота ла ҡуя. Мәҫәлән, бындай хәл Аҡһары балалар баҡсаһында күҙәтелә. Ермолаевоның икенсе һанлы мәктәбе директоры Мәүлиҙә Зәйнәғәбдинова, күберәк ата-әсәләр менән эшләргә кәрәк, йәшәгән йорттан килә бит барыһы ла, тигән фекере менән уртаҡлашты. Район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов һәр бер сығыш һуңында йә хуплап, йә кирерәк ҡарашын белдерҙе, ҡыҫҡаса уның фекере былай: беҙ үҙебеҙ ныҡлап балалар менән эшләргә тейешбеҙ, Татарстанда, ана, ҡайҙа керһәң дә, татар теле яңғырап тора, ә беҙҙә – юҡ. Быйылғы йылға пландары ла күп ҡоролтайҙың, шуларҙың иң мөһиме – Кинйә Арыҫлановтың тыуған көнөнә арналған сара үткәреү. Йәйгә башҡарыласаҡ был эш. Эшҡыуар Зиннур Закир улы Исхаҡов, ярҙамдан айырмам, тип күңелде күтәрҙе. Ошонда уҡ ҡоролтайҙың яңы ағзалары һайланды. Эштән киткән ике кеше – С. Тураева менән Л. Тереғолова урындарына, улар ултырғысына ултырған яңы кешеләр – Әлфиә Вахитова менән Ирина Ибраһимова һайланды. Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус йоғоуҙың 11 012 осрағы теркәлгән. Башҡортостанда иһә һуңғы тәүлектә COVID-19 вирусы 75 кешелә асыҡланған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус йоғоуҙың 11 012 осрағы теркәлгән. Башҡортостанда иһә һуңғы тәүлектә COVID-19 вирусы 75 кешелә асыҡланған. Сирләүселәрҙең дөйөм һаны – 1491. Вафат булғандарҙың дөйөм һаны - 15. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 435. Коронавирусҡа республикала 116 585 тикшереү үткәрелгән. Республика стационарҙарында 453 сирле дауалана (242 сирле – ҡәнәғәтләнерлек, 184 кеше – уртаса ауырлыҡтағы, 27 кеше ауыр хәлдә), амбулатор шарттарҙа – 588 кеше. Рәсәйҙә 34 306 кеше һауыҡҡан, 1915 кеше вафат. Илдә 243 434 кеше - коронавирус йоғоу шиге аҫтында. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Телеграм”да ил етәксеһе Владимир Путиндың һуңғы ҡарарҙары тураһында яҙма ҡалдырған. Бурыстарҙы үтәй башланыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин сәйәсәтебеҙҙең төп өҫтөнлөктәре билдәләнгән указға ҡул ҡуйҙы. Төп саралар араһында: - социаль түләүҙәр күләмен арттырыу; - ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға адреслы ярҙам принцибына күсеү; - мөһим кәрәк-яраҡ тауарҙарына хаҡтарға даими мониторинг; - халыҡты эш менән тәьмин итеү, шул иҫәптән ҡайтанан уҡытыуҙы һәм квалификацияны күтәреүҙе ойоштороуҙы күҙ уңында тотоу; - бизнес өсөн административ кәртәләрҙе кәметеү һәм уға адреслы ярҙам күрһәтеү. Сара, мәҫәлән, льготалы кредитлауҙы, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыуҙы һәм башҡа форматтарҙы үҙ эсенә ала. Ошо турала ентекләберәк яҙғайным инде; - шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү саралары ла ҡарала. Төбәктәргә бирелгән бюджет кредиттары буйынса түләүҙәрҙе кисектереү дәүләт башлығының мөһим ҡарары булып торҙо. Кәрәк булғанда субъекттарҙың коммерция кредиттары бюджет кредиттары менән алмаштырыласаҡ, ә бюджет кредиттарының түләү ваҡыты кисектерелә. Хәҙерге шарттарҙа был төбәктең финанс системаһына ярайһы уҡ ярҙам итәсәк. Шуны әйтергә кәрәк: беҙ Президенттың бөгөнгө указының күп положениеларын үтәү өҫтөндә эшләйбеҙ. Беҙҙең республикала көрсөккә ҡаршы штаб эшләп килә - әйткәндәй, улар бөтә төбәктәрҙә лә булдырылырға тейеш. Башҡортостандағы был штаб ҡуйылған бурыстарҙың байтаҡ өлөшөн хәл итә, мәҫәлән, айырыуса кәрәкле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар мониторингы менән әүҙем шөғөлләнә, хеҙмәт баҙарындағы хәлде һәм халыҡтың мәшғүллеген контролдә тота. Указ шулай уҡ билдәләнгән ҡарарҙарҙы үтәү өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр барлыҡҡа килһен өсөн төбәк властарының вәкәләттәрен киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. #Хәбировкомандаһы был бурыстарҙы атҡарып сығыр, тип ышанам, етмәһә, беҙ төп мәсьәләләрҙе хәл итергә планлаштырабыҙ ҙа инде. Алдағы йылдарҙағы кеүек үк, төп ҡарарҙарыбыҙ һәм өлгәшкән һөҙөмтәләр хаҡында һеҙгә оператив рәүештә һөйләргә тырышасаҡмын”, – тигән ул. Фото: pravitelstvorb.ru Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Был сара хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, шәхси, уҡыу һәм туристик маҡсат менән юлланған Ҡытай граждандарына ҡағыла. Ошо турала Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһын индереүҙе һәм таратыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышы йомғаҡтары буйынса иғлан ителде. «2020 йылдың 20 февралендә урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 12-нән хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, шәхси, уҡыу һәм туристик маҡсат менән Рәсәйгә юлланған Ҡытай Халыҡ Республикаһы граждандарын Рәсәй Федерацияһының дәүләт сиге аша үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға», — тиелә белдереүҙә. “Башинфором”дан алынды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда йылы һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Был көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. «14, 15 октябрҙә һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,-5, көндөҙ +14,+19 градус була. 16 октябрҙә йылы һауа торошо һаҡлана, ләкин болоттарҙың йыйылыуы сәбәпле көндөҙ +11,+16 градусҡаса түбәнәйә. Атмосфера фронты яҡынлашҡас, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин», — тип һөйләне синоптиктар. Ләкин ял көндәрендә республикаға һалҡын һауа фронты килә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һауа температураһы көндөҙ +7,+13 градусҡа тиклем түбәнәйә. https://www.bashinform.ru/bash/1506883/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Урал аръяғынан, атап әйткәндә, Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулланан был социаль төркөмгә ҡараған кескәйҙәр бындай үҙәккә күптән мохтаж ине. Сибайҙа балалар өсөн дауаланыу һәм реабилитация үҙәге төҙөләсәк. Ул, Сибайҙың үҙенән тыш, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла районынан балаларҙы ҡабул итәсәк. Кисә төҙөлөш урынына капсула һалынды. Башҡортостан республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ,Сибай ҡалаһы хакимиәте инициативаһы менән төҙөләсәк реабилитация үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар дауаланасаҡ. Урал аръяғы райондарынан, атап әйткәндә, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулланан был социаль төркөмгә ҡараған кескәйҙәр бындай үҙәккә күптән мохтаж ине. Үҙәктә балаларҙы дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ. Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Андрей Назаров: “Ошо көндә, 20 мартта, Башҡорт автономиялы республикаһын (БАССР) ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Бөгөн Радий Фәрит улының да тыуған көнө - быны маҡсаттар берҙәмлегенең үҙенсәлекле символы тип күрәм". Илебеҙҙең ныҡлы терәге булып ҡалабыҙ Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Телеграмдағы каналына Башҡортостан тарихына һәм республикабыҙ етәксеһенең тыуған көнөнә арналған яҙма ҡуйҙы. “Ошо көндә, 20 мартта, 103 йыл элек башҡорт хөкүмәте менән совет власы араһында Башҡорт автономиялы республикаһын (БАССР) ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документ гәзиттә өс көн үткәс кенә баҫылып сыға, шуға күрә рәсми дата итеп 23 мартты иҫәпләү ҡабул ителә. Ул ваҡыт өсөн бындай килешеү уникаль була. Киңерәк ҡарағанда, хәҙерге дәүләт ҡоролошоноң һыҙаттары нисек формалашыуын күрәбеҙ. Ул сәйәси йәһәттән бөтөн һәм монолитлы дәүләттә йәшәгән кешеләргә ҙур илдең төрлө мөйөштәрендә үҙ милли мәҙәниәтен, телдәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Республиканың Рәсәй дәүләт төҙөлөшө процесына үҙ өлөшөн индереүен аңлау ҡыуаныслы. Унда дәүләт ҡоролошо берҙәмлеге, ныҡлығы төрлө төбәктәрҙең мәнфәғәттәренән сығып билдәләнә. Мин ул йылдарҙағы ваҡиғаларға идарасы булараҡ ҡарайым һәм илдә граждандар ҡапма-ҡаршылығы, хаос шарттарында урындарҙа тормошто көйләгән туплаусы факторҙар, хоҡуҡи база кәрәк булғанын аңлайым. Был килешеү закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власы, хоҡуҡ һаҡлау системаһы органдарының эш формаларын, тәртибен, тәбиғәт ресурстары менән эш итеү, һалым түләү нигеҙҙәрен, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау объекттары, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген нығыта. Шулай уҡ совет һәм республика хөкүмәттәре араһында вәкәләттәр бүленә. Миҫал өсөн, сәнәғәт предприятиеларынан, тимер юлдарҙы файҙаланыуҙан алынған төп табыш үҙәккә китә, әммә совет хөкүмәте уның урынына мәғрифәт, мәҙәни эшмәкәрлекте ойоштороуға, финанслауға йөкләмә ала. Әлбиттә, совет идара итеү системаһы идеаль булманы, һәр субъекттың иҡтисади үҙенсәлеген тулыһынса иҫәпкә алманылар, шуның һөҙөмтәһендә административ һәм идара итеү хаталарына юл ҡуйылды. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, тап совет осоронда Башҡортостан үҙенең сәнәғәт, аграр, фәнни-мәғариф, мәҙәни ҡеүәтен үҫтереү өсөн ҡеүәтле этәргес алды. Ул илебеҙ өсөн XX быуат уртаһынан терәк булған төбәккә әйләнеп, әле лә был статусты һаҡлап килә. Республиканың иҡтисади һәм социаль үҫешенең әлеге моделе Башҡортостанды яңы тарихында үткән юлдың логик дауамы булып тора. Был модель үҙенең ҡабатланмаҫ социомәҙәни үҙенсәлеге булған уңайлы төбәк булдырыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен, сәнәғәтте, фәнде, мәғарифты үҫтереүҙәге уңыштарыбыҙҙы алдынғы федераль эксперттар билдәләй, ә ил етәкселеге башланғыстарыбыҙҙы хуплай. Был ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта мөһим осорҙа республикаға федераль, төбәк, муниципаль кимәлдәрҙә ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған етәксе идара итеүе осраҡлы түгел. Бөгөн Радий Фәрит улының да тыуған көнө, быны маҡсаттар берҙәмлегенең үҙенсәлекле символы тип күрәм. Бергәләп тыуған төйәгебеҙ тарихына тағы ла бихисап данлы биттәр яҙырбыҙ тип ышанам”, – тине Андрей Назаров. Фото: mgazeta.com Автор:Альфия Мингалиева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Беҙ янғындар тураһында әйләнгән һайын яҙып торабыҙ, иҫкәртәбеҙ, властар ҙа гел шуны һөйләй — фәтеүә генә бик юҡ. Беҙ янғындар тураһында әйләнгән һайын яҙып торабыҙ, иҫкәртәбеҙ, властар ҙа гел шуны һөйләй — фәтеүә генә бик юҡ. Уҙған аҙнала вице-премьер Марат Мәһәҙиев ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ултырышта Башҡортостанда былтырғы йыл менән сағыштырғанда янғындар һаны 30%-ҡа артҡан, тип белдерҙе. Хәл бик тә насар. Янып үлгәндәр һаны ла артҡан. Иң күп янғын сыҡҡан райондарҙы ла атағандар, ҡыҙғанысҡа, Көйөргәҙе лә был күңелһеҙ исемлектә бар. Беҙҙә быйыл 5 янғын булды, бер кеше янып теге донъяға китте, тип яҙғайныҡ. Былтыр был осорҙа ике янғын теркәлгән, үлеүселәр булмаған. Янғындар бар ерҙә лә бер төрлөрәк сыға: боҙоҡ мейес, электр сымдары, ут менән һаҡ эш итмәү. Районда республика иҫәбенән 249 йортҡа янғынды иҫкәртеү приборҙары ҡуйылған. Силсәүиттәр ҙә күпмелер йортҡа ошондай нәмәләрҙе урынлаштырған. Бындай техник саралар күп йорттарҙы янғындан һаҡлап ҡалырына ышанабыҙ. Әммә уларҙың сигналы кеше өйҙә булһа ғына ишетелә. Шуға күрә йорттан сығып киткән саҡта ла, һүндерерлеген һүндереп, уяулыҡты һаҡларға кәрәклеген дә онотмайыҡ. Статистикаһы статистика менән, үҙебеҙҙе һәм эргә-тирәләгеләрҙе һаҡлайыҡ, бер-беребеҙгә, күршеләргә, таныш-тоношҡа ҡарата иғтибарлы булайыҡ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Мөғжизәгә ышанған Фатима ҡыҙым Ҡыш бабайға хат яҙҙы, уны конвертҡа һалып, бергәләшеп ебәрҙек. Бүләктең ниндәйен теләгәнен сер итеп кенә “ҡолағыма тиште”. Бәләкәсемә Великий Устюгтың Өфө шикелле ҡала булыуын, унда Ҡыш бабай йәшәүен аңлаттым, ҡасандыр шунда булыуымды ла әйттем. “Әйҙә киттек шунда, миңә лә күрһәт!” тимәһенме бер көндө... 1989–1991 йылдарҙа Котлас (Архангель өлкәһе) тигән ҡалала ил алдындағы бурысымды үтәнем. Беҙҙән ни бары 70 саҡрым алыҫлыҡтағы Великий Устюгҡа бөтәһе ике тапҡыр аяҡ баҫтым. Ҡәҙимге ҡала “аҡ төн”дәре, ҡышҡыһын 40 градус һыуыҡлығы менән дан тота. Бөгөн иһә бында 30 мең тирәһе кеше йәшәй. 1999 йылдан бирле “Великий Устюг – Ҡыш бабайҙың тыуған төйәге” исемле туристик проект эшләй. Тап ошо ҡалала Ҡыш бабайҙың резиденцияһы урынлашҡан, ғәзиземдең төньяҡ тарафтарына осҡан хаты тиҙҙән шунда барып етәсәк. Был ҡаланы ҡыҙым менән берәй ваҡыт барып күрергә лә насип булыр әле. Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙ ҙә балаларығыҙға Ҡыш бабайға хат яҙыуҙы ойоштороғоҙ!https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ish-babay-a-hatti-ay-a-ya-ir-a-25679/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Ҡыярҙың 95-97%-ты – һыу. Ләкин был ябай ғына түгел, ә “тере” һыу. Ул бөтә организмға файҙалы, йөрәк, бөйөр, бауыр һ.б. органдарҙың эшсәнлеген яҡшырта. Ҡыяр минераль матдәләр – калий, кальций, магний, фосфор, натрий, тимер һәм башҡаларға бай, ҡан баҫымын яйға һала, организмдан артыҡ һыуҙы сығара. Ғалимдар йәшелсәлә еңел үҙләштерелә торған йод бар тип белдерә. Шуға ла ҡыяр яратҡан кешеләрҙә ҡалҡанһыман биҙ (зоб) ауырыуҙары һирәк күҙәтелә. Составындағы калий, кремний, көкөрт иҫәбенә тире, сәс, теш һау-сәләмәт була. Көн һайын яңы йыйып алынған ярты кило самаһы ҡыяр ашаһаң, сәс яҡшыраҡ үҫә, тырнаҡ нығый. Уның ярҙамында бушаныу көндәре лә уҙғарырга була. Көн дауамында бары тик (1,5-2 кг) ҡыяр ғына ашарға кәрәк. Бынан тыш, ул бәүел ҡыуҙырыу һәләтенә эйә, организмды таҙарта, бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуа. Уны көн һайын ашау үт ҡыуығы, үт сығыу юлдарындағы таштарҙы иретә. Бындай проблемалары булған кешеләргә көнөнә 1 литр ҡыяр һыуы эсергә, бер эскәндә 100 мл-ҙан да артыҡ ҡабул итмәҫкә ҡушалар. Ҡыяр һыуы озаҡҡа һуҙылған йүтәлде дауалау, туберкулез менән ауырыусы кешенең хәлен еңеләйтә, нерв сис¬темаһын тынысландыра, ялҡынһыныуҙарға ҡаршы көрәшә, ауыртыуҙы баҫа. Уны тигеҙ күләмдә алынған алма һәм помидор һуты менән ҡушып, бер тырнаҡ һарымһаҡ та өҫтәп эсһәң, ҡан составын яҡшырта. Ҡыярҙың хатта төшө лә дауалау үҙенсәлегенә эйә. Ул организмдан артыҡ холестеринды сығара, ирҙәрҙең енси көсөн арттыра. Ҡыяр косметологияла ла уңышлы ҡулланыла. Ул тире ялҡынһынғанда, бетсә, һытҡы сыҡҡанда файҙалы, һипкелде бөтөрә. "Аҡсарлак" гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Төркиә Рәсәйҙән 2,5 миллиард долларға С-400 зенит-ракета комплекстарын һатып алып, НАТО сафтарына сит ил ҡоралын индерҙе һәм берлектең берҙәмлеген һәм ныҡлығын шик аҫтына ҡуйҙы, тип иҫәпләйҙәр Вашингтонда. Ә Рәжәп Эрдоған Рәсәйҙе һәм уның Президенты Владимир Путинды үҙенең иң яҡын дуҫтары һанай. Был дуҫлыҡты йыл һайын Рәсәйҙән Төркиәгә ял итергә килеүсе 5-6 миллион самаһы турист үҙ аҡсалары менән нығыта һәм Төркиәнең иҡтисади именлегенә тос өлөш индерә. Төркиә Рәсәйҙән 2,5 миллиард долларға С-400 зенит-ракета комплекстарын һатып алып, НАТО сафтарына сит ил ҡоралын индерҙе һәм берлектең берҙәмлеген һәм ныҡлығын шик аҫтына ҡуйҙы, тип иҫәпләйҙәр Вашингтонда. Ә Рәжәп Эрдоған Рәсәйҙе һәм уның Президенты Владимир Путинды үҙенең иң яҡын дуҫтары һанай. Был дуҫлыҡты йыл һайын Рәсәйҙән Төркиәгә ял итергә килеүсе 5-6 миллион самаһы турист үҙ аҡсалары менән нығыта һәм Төркиәнең иҡтисади именлегенә тос өлөш индерә. Шуға күрә Рәжәп Эрдоған Рәсәйгә өҫтөнлөк бирҙе. Мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Дональд Трамп һаман да үҙен президент вазифаһында тәүәккәл бизнесмен итеп тота һәм Рәжәп Эрдоған өсөн кире ҡағып булмаҫлыҡ 100 миллиард долларлыҡ килешеү тәҡдим итергә әҙерләнә. Бер нисә сәғәттән Трамп Эрдоғанды Аҡ йортта ҡабул итәсәк һәм килешеү һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ. Трампҡа ҡаршы көстәр АҠШ-тың үҙендә лә етерлек, демократтар, мәҫәлән, был һөйләшеүҙе АҠШ мәнфәғәттәренә зыян килтереү, тип баһалаған. Эйе, Рәжәп Эрдоған алдында бик үк еңел булмаған һайлау мәсьәләһе тора. Әйткәндәй, Төркиә лидеры АҠШ-тан ҡайтҡас, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашасаҡ. "Ағиҙел" журналы сайтынан. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Психологтар фекеренсә, ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт матур, күркәм булып йәшәргә тейеш. Әгәр ҙә ул быға аҡса, ваҡыт һәм көс тапмай йәки йәлләй икән, тимәк, ул үҙен инҡар итә тигән һүҙ. Оҙаҡ йылдар үҙ-үҙен ҡараған, үҫеше өсөн бер нәмә йәлләмәгән ҡатын-ҡыҙҙарға эгоистка, үҙе өсөн генә йәшәй тигән кире ҡараш йәшәп килде. Ә төптән уйлап ҡараһаң, ер йөҙөндәге бөтә матурлыҡты тыуҙырыуға һәләтле ҡатын-ҡыҙ нишләп һылыу булмаҫҡа, үҙаңы, үҫеше өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланмаҫҡа тейеш? Гүзәл заттан иң тәүҙә сафлыҡ, хуш еҫ бөркөлөү мөһим. Составында спирт ҡушылмаһы булған хушбуйға түгел, ә эфир майҙарына өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ, сөнки нәҡ эфир майҙары ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи еҫен асыуға булышлыҡ итә, уны һаҡлау сараһы ролен дә үтәй. Гүзәл заттарға иң тап килгән хушбуй, хуш еҫ – ул рауза менән йәсмин. Матурлыҡ элексиры булып шулай уҡ: бал, йөҙөм, зәғферән (шафран), финик, инжир, рауза гөлөнөң япраҡтарын ҡушып ҡайнатылған сәй һанала. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға төрлө сәскә-үлән, емеш-еләк сәйҙәрен эсеү файҙалы. Тәмләткестәрҙән кардамон менән дәрсенгә (корица) өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Шулай уҡ һөт эсеү ҙә файҙалы, ул гүзәлдәребеҙҙә ҡатын-ҡыҙ энергияһын булдырыуға булышлыҡ итә икән. Тик һөттө зәғферән(шафран) тәмләткесе ҡушып эсергә кәрәк. Ә ҡәүһә эсеү хупланмай, сөнки уны гүзәл зат эсемлеге түгел, ә ирҙәр эсемлеге, тип һанай белгестәр. Ҡәүһә ҡатын-ҡыҙҙарҙы физик яҡтан ғына түгел, ә энергия яғынан да һулытыуға, һығылмалылыҡты бөтөрөүгә килтерә, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар мотлаҡ үҙ тәндәренә килешле, матур, ыҫпай, күркәм кейем һайлап кейенергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта кейгән кейемдәре уларҙы һаҡлау бурысын да үтәүе мөһим. Кейем формаһы аҫтан иркен булыуы шарт, мәҫәлән, оҙон итәк, шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙар үҙенә Ерҙән энергия ала. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ялтырап торған биҙәүестәр, алтын-көмөштәр тағып йөрөү кәңәш ителә. Улар – күҙ тейеүҙән, көнләшеүҙән, сит-ят ҡараштан, ҡара көстәрҙән һаҡлай. Массаж эшләтеү ҙә гүзәл заттар өсөн бик файҙалы, сөнки ул нервы системаһын нығыта, күңелгә, йәнгә ял, шифа бирә, һалмаҡлыҡ, нәзәкәтлек кеүек сифаттар өҫтәй. Шулай уҡ гүзәл заттарға үҙ һөйләшеүҙәренә, нисек аралашыуҙарына ла иғтибар итергә кәрәк. Ҡысҡырып, тауыш күтәреп һөйләшеү, енләнеү ҡатын-ҡыҙ энергияһын бөтөрә, уларҙы тупаҫ затҡа әйләндерә. Ҡатын-ҡыҙҙың тауышы йомшаҡ, наҙлы яңғырарға, ә һөйләшеүе матур, баҫалҡы булырға тейеш. Комплименттар әйтеү, кәрәкле аффирмациялар ҡулланыу, матур, күңелгә ятышлы кешеләр менән аралашыу хуплана, энергия-көстө арттыра. Автор:Айзилә Мортаева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы күргәҙмәһе һәм «Этноракурс» фотокүргәҙмәһе асылды. Экспозицияла проекттың иң яҡшы оҫталарының үҙенсәлекле эштәре менән танышырға мөмкин.Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы күргәҙмәһе һәм «Этноракурс» фотокүргәҙмәһе асылды. Экспозицияла проекттың иң яҡшы оҫталарының үҙенсәлекле эштәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты. «Тамға» проекты республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығында тормошҡа ашырылды. Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары үҙ миҫалында милли костюмдың традицияларын пропагандалауға һәм һаҡлауға тос өлөш индерә. Радий Фәрит улының ҡарары менән былтыр йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө булдырылды. Ошондай күмәк һәм төрлө яҡлы эш менән башҡорт милли кейемен, йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ һәм йәш быуынға тапшырырбыҙ», — тип билдәләне мәҙәниәт министры һәм «Тамға» проектында ҡатнашыусыларға, жюри ағзаларына рәхмәт белдерҙе. Күргәҙмә буйлап тәүге экскурсияны этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, жюри ағзаһы Сәлимә Усманова үткәрҙе. Экспозицияла – конкурс өсөн башҡорт халҡының милли костюмдары. Күргәҙмәнең төп өлөшөн аутентик милли кейемдәр биләй. Шулай уҡ заманса ҡатын-ҡыҙ кейемдәре коллекцияһы ла бар. «Ханымдар» коллекцияһы авторы Роза Юлдашбаева билдәләүенсә, юғары мода күҙлегенән коллекцияның үҙенсәлеклелеге профессиональ дизайнер ҡарашы һәм традицион ҡул менән сигеүҙең күптән көтөлгән ижади тандемына ҡайтып ҡала. Бынан тыш, күргәҙмәлә башҡорт яугире атрибуттарын, традицион костюм аксессуарҙарын һәм биҙәүестәрҙе күрергә була. Ҡунаҡтар республиканың билдәле фотографтарының уникаль эштәре ҡуйылған «Этноракурс» фотокүргәҙмәһен дә ҡараны. Улар араһында профессиональ фотограф, «Башҡортостан» гәзите фотохәбәрсеһе Эдуард Дилмөхәмәтов, танылған Өфө фотографы, «Вещдоки Сирия» проекты авторҙарының береһе Айбулат Аҡбутин, фотограф Азат Мөхәмәтйәров, фоторәссам, режиссер Гөлназ Ғәлимуллина бар. Күргәҙмә 2021 йылдың 28 февраленә тиклем эшләй. Башинформ. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл йәшел йылан менән дуҫлашыусылар һаны арта. Уларҙың күбеһе осһоҙ суррогат ҡуллана. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдарын контрафакт араҡы һатыуға ҡаршы киҫкен көрәш башларға саҡырҙы, бындай легаль булмаған бизнесты ул “халыҡҡа ҡаршы геноцид” тип атаны. Районда алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш һәм иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙы иҫкәртеү буйынса йәмәғәт форумына район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, ауыл старосталары, дин әһелдәре йыйылды. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин эскелек проблемаһын хәл итеүгә үҙ ҡарашын белдерҙе. Ул граждандарҙан көмөшкә, суррогат алкоголь һатыу тураһында бик күп мөрәжәғәттәр килеүе тураһында һөйләне. - Полицияның участка уполномоченныйҙары физик шәхестәрҙең алкоголле һәм спиртлы аҙыҡ-түлек продукцияһын законһыҙ һатыу буйынса 30 административ эште ҡарауҙы тамамланы. Хоҡуҡ боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларға утыҙ меңдән илле меңгә тиклем штраф һалынды, - тине хакимиәт башлығы. – Контрафакт алкоголь һатыуға ҡаршы көрәштән халыҡ та ситтә ҡалмаһын ине. Ауылдарҙа суррогат эсемлек һатыуҙың легаль булмаған урындарын күптәр белә. Был мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көмөшкәнең хәүефһеҙ, хатта файҙалы булыуына ышанғандар ҙа бар. Улар өйҙә эшләнгән алкоголле эсемлектәрҙә ҡурҡыныс ҡушылмалар юҡ, тип уйлай. Әммә тап суррогат алкоголь, атап әйткәндә, көмөшкә, дөрөҫ әҙерләнмәгән осраҡта, хатта аҙ ғына күләмдә лә, кеше һаулығына ҙур зыян килтерергә мөмкин. Раевка үҙәк район дауаханаһы наркологы Айгөл Хизбуллина алкоголдең зыяны тураһында ентекләп һөйләне. Былтыр хроник эскесе диагнозы менән иҫәптә 257 кеше (шул иҫәптән 51 ҡатын-ҡыҙ) торһа, быйыл уларҙың һаны 266-ға еткән. Ошо ауырыу арҡаһында өс кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы теркәлгән. Район дауаханаһына иҫерткес эсемлектәр менән ағыуланып 176 кеше килтерелгән. Алкоголде оҙаҡ ҡулланғанда, дауалап булмаған һәм үлемгә килтереүсе ауыр сирҙәр барлыҡҡа килә. Уҙған йылда ғына бауыр циррозынан - 12, быйыл өс кеше вафат булған, улар башлыса хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләр. Алкоголдән ағыуланып дауаханаға - 54 кеше, быйыл 12 кеше килтерелде. Эскелеккә һәм алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш саралары тураһында - район прокурорының өлкән ярҙамсыһы Алина Хафизова, эске эштәр органдары һәм ауыл биләмәләренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү төркөмөнөң өлкән уполномоченныйы Роман Йыһаншин сығыш яһаны. Белем биреү учреждениеларында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау тураһында - Ғәйнәямаҡ мәктәбе директоры Таңһылыу Хәбибуллина, эскелекте иҫкәртеүҙә ғаиләнең ролен арттырыу хаҡында – Үрәҙмәт ауылы старостаһы Клара Туҡаева, был мәсьәләне хәл итеүҙә диндең роле тураһында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты имам-мөхтәсибе Илшат Йосопов һәм республика мосолмандары диниә назараты имам-мөхтәсибе Мансур Сәһәрйәров һөйләне. Иҙрис ауыл клубы мөдире, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Рәйсә Мөфтиева йәш быуынды тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сара аҙағында эскелеккә ҡаршы көрәштә сәләмәт йәшәү рәүешен, спорт менән шөғөлләнеүҙе әүҙем пропагандалау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Эскеселәрҙе дауаларға, ә эскелеккә ҡаршы бергәләшеп көрәшергә кәрәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Балаҡатай районында старт алған сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы марафонды Түбәнге Исҡуш ауылы ҡабул итте. Балаҡатай районында старт алған сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы марафонды Түбәнге Исҡуш ауылы ҡабул итте. Сара баян моңона, йыр-бейеүгә бай булды. Исҡуш ауылы “Балалайка” рус халыҡ инструменттары ансамбле менән дан тота. Ансамбль етәксеһе Виктор Патраков, клуб ағзалары ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Ауыл мәҙәниәт йортонда физкультура менән шөғөлләнеү өсөн махсус бүлмә булдырылған. Сара барышында ауыл халҡы өсөн күнекмәләр күрһәтелде. Ауыл советы башлығы Марина Каева спорт сараларында әүҙем ҡатнашыусыларҙы грамоталар менән билдәләп үтте. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Ҡатнашыу өсөн туған телдең популяр һүҙҙәре менән таныштырған видеоролик яҙҙырып, #БылҺүҙҙеБөтәһеЛәБелә #ТуғанҺүҙҙәрДонъяһы#ТуғанТелКөнө хэштегтары менән 15 февралдән 20-һенә тиклем социаль селтәргә һалырға кәрәк. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Был һүҙҙе бөтәһе лә белә!» флешмобында ҡатнашырға саҡыралар. Ҡатнашыу өсөн туған телдең популяр һүҙҙәре менән таныштырған видеоролик яҙҙырып, #БылҺүҙҙеБөтәһеЛәБелә #ТуғанҺүҙҙәрДонъяһы#ТуғанТелКөнө хэштегтары менән 15 февралдән 20-һенә тиклем социаль селтәргә һалырға кәрәк. Бер роликта бер герой булырға мөмкин. Кадрҙа ул өс һүҙ менән таныштыра: 1) Һәр кем (үҙенең милләтен әйтә) … һүҙен белә», артабан кейем-һалымға ҡараған һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла; 2)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙенең тәмен белә», артабан милли аш-һыуҙы аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла; 3)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙен ишетеп белә», артабан музыка ҡоралын аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе әйтелә. Йөкмәтке Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ҡаршы килергә тейеш түгел. Интернет-акцияны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Өфө полицияһына пассажирҙар ташыған “ГАЗель” автомобилен ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнгән 15 йәшлек мәктәп уҡыусыһын килтергәндәр. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, баш ҡала урамдары буйлап йөрөгән биш үҫмер тәҙрәләре асыҡ ҡалған “маршрутка”ны күреп ҡала, һәм араларынан иң бәләкәйе салонға инә. Машинала ҡиммәтле бер нәмә лә тапмағас, балалар ҡала буйлап елдерергә уйлай. Рулгә VIII класс уҡыусыһы ултыра, ул машина йөрөтә белгән була. Үҫмерҙәрҙең был сәйәхәте бик күңелһеҙ тамамлана: “ГАЗель” юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә. Ҡоттары осҡан балалар ваҡиға урынынан ҡасырға уйлай. “Хоҡуҡ һаҡлау органдары был хәлде тикшереп, машинаны ҡыуған малайҙың шәхесен асыҡлаған. Ул – Өфө мәктәптәрендә белем алған VIII класс уҡыусыһы. Был факт буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителә”, – тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан. Фото: radio-kurs.ru. Автор: Айһылыу Низамова Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Шәхси эшҡыуар Илһам Муллагилдин йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең береһе. Ошо көндәрҙә ул Өфө ҡалаһында БДУ-ның “Сами такие” командаһы составында барыбыҙға ла яҡшы таныш булған КВН конкурсының төбәк лигаһы финалында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, был сара үткерлек, ныҡышмалылыҡ, һәләт талап итә. Ә яҡташыбыҙҙа был сифаттарҙың барыһы ла тупланған. Әүҙем, дәррәү, үткер студенттар командаһын киләсәктә Рәсәй телеканалында күрербеҙ тип ышанабыҙ һәм уларға ихлас күңелдән уңыштар теләйбеҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Кисә Германия канцлеры Ангела Меркель Рәсәй Президенты Владимир Путинға телефон аша шылтыратты. Һөйләшеүҙәр ваҡытында Украина, Ливия, Сүриә мәсьәләләре ҡаралды. Ошо мәсьәләләргә ҡарата ике яҡтың да ҡараштары асыҡланды. Кисә Германия канцлеры Ангела Меркель Рәсәй Президенты Владимир Путинға телефон аша шылтыратты. Һөйләшеүҙәр ваҡытында Украина, Ливия, Сүриә мәсьәләләре ҡаралды. Ошо мәсьәләләргә ҡарата ике яҡтың да ҡараштары асыҡланды. Шулай ҙа төп мәсьәлә булып Европаға Украина аша Рәсәй газын ташыу проблемаһы тора. Былтырғы ҡыш йылы булды, шуға күрә әллә ни ауырлыҡтар тойолманы. Белгестәр әйтеүенсә, киләһе ҡыш элеккеһенә ҡарағанда ҡатыраҡ булмаҡсы, тимәк, газ күберәк һәм өҙлөкһөҙ кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, күптән мәғлүм булыуынса, ҡыш яҡынлашыу менән Европа илдәре Рәсәйгә мөнәсәбәтен үҙгәртә, урынлы-урынһыҙ санкцияларҙың зыяны, иҡтисади хеҙмәтәшлек хаҡында һөйләй башлай. Ангела Меркель ханым юҡҡа борсолмай, Украинала хәлдәр көсөргәнешле, “Нафтогаз” һис тә ыҡҡа килерлек түгел, 2020 йылға газ ташыу буйынса килешеү әле булһа төҙөлмәгән. Рәсәй яғы Украинаға ташламалар яһарға әҙер, ошо хаҡта тәҡдимдәр ҙә булды, ләкин Киев ваҡиғаларҙы үтә сәйәсиләштерә һәм килешеү төҙөүҙән баш тарта. Бындай шарттарҙа Рәсәй менән Европа “Төньяҡ ташҡын-2” газ үткәргесен тиҙерәк төҙөүҙән башҡа сара күрмәй.
Ил Президенты В. Путин Указына ярашлы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр өсөн миҙал һәм орден булдырылды. Яңы орден һәм миҙал булдырылды Дәүләт Башлығы ҡул ҡуйған Указда “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы һәм ордены булдырыу хаҡында әйтелә. Указ 9 августан көсөнә инде. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республикабыҙҙың төп гәзитенең үҫешендә, милләттәштәребеҙ алдында абруйлы баҫмаға әйләнеүендә үҙ хәбәрселәрҙең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Тиҫтә йылдан ашыу Бөрйән, Учалы, Белорет, Силәбе өлкәһе­нең Ҡоншаҡ, Арғаяш райондары буйынса гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Фитрат Яхин уҡыусыларға киң мәғлүмәтле һәм яңылыҡҡа һиҙгер булыуы, сетерекле темаларҙы матбуғатта яҡтыртырға ҡыйыу тотоноуы менән билдәле. – Республикабыҙҙың төп баҫ­маһында эшләү, бер яҡтан, ғорур­лыҡ тойғоһо уятһа, икенсе яҡтан, ҙур яуаплылыҡ та талап итте. Күп йөрөргә, кешеләр менән даими арала­шырға, йыш ҡына көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙ генә яҙып, оператив эшләргә кәрәк ине. Ул ваҡытта интернет булманы. Ҡайһы ваҡыт редакция заданиеһы буйынса мәҡәләне яҙам да, иртә менән Өфөгә юлланған рейс автобусына сығара торғайным, мөһим мәғлүмәттәрҙе, һуңлама­һын өсөн, телефон аша бирергә лә тура килә ине. Һуңынан факстар сыҡҡас, был проблема хәл ителгәндәй булды. Айына бер тап­ҡыр беҙҙе, райондарҙағы үҙ хәбәр­селәрҙе, редакцияға кәңәшмәгә йыйҙылар. Тәлғәт Сәғитов, Рәлиф Кинйәбаев кеүек талапсан, шул уҡ ваҡытта һәр хеҙмәткәрҙең хәле­нә инә белгән, оҫта ойоштороу һәләтенә эйә баш мөхәррирҙәр етәкселегендә республикала танылыу яулаған журналистар менән бер коллективта эшләү, улар менән яҡындан аралашыу бәхете йылмайғанға сикһеҙ шатмын, – ти Фитрат Рәхимйән улы. Гәзитте таратыуға ла ҙур тырышлыҡ һала журналист. – Сер түгел, элек халыҡ гәзит-журналдарға күпләп яҙылды. Бер ғаилә 5-6 дана баҫма алдырыр ине. Учреждение-предприятие етәкселәре лә был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлде. Мәҫәлән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ул ваҡыттағы генераль директоры Ильяс Абдрахманов предприятие хеҙмәткәрҙәренә күпләп “Башҡорт­ос­тан” гәзитен яҙҙырта ине, – тип хәтер йомғағын һүтте әңгәмәсем. Талантлы ҡәләм оҫтаһының намыҫлы хеҙмәтен төрлө грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары дәлил­ләй, 1991 йылда уға “Башҡорт­остан Республикаһының атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем дә бирелә. Әммә Яхин өсөн иң юғары награда – үткер ҡәләме, тапҡыр һүҙе менән яуланған яҡташтарының хөрмәте, әлбиттә. Бөгөн дә журналистика ветераны гәзит-журналдарҙы күҙәтеп бара, сәйәсәт, тарих менән ҡыҙыҡ­һына, әҙәби китаптарҙы күп уҡый. – Яҙмышын мәғлүмәт даирәһе менән бер бәйләгән кеше ошо мөхитте һирәк ташлап китә. Мине лә журналистика тигән ҡатмарлы, яуаплы, тынғыһыҙ, шул уҡ ваҡытта абруйлы, ылыҡтырғыс һөнәр ғүмерлеккә арбаны. Ваҡытты кире бороп булһа, бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем. Мәғлүмәт донъяһы хәҙер ныҡ үҙгәрҙе. Интернет селтәре баҫма матбуғатты ҡыҫырыҡлаған кеүек. Ығы-зығылы, йылдам эшләүҙе талап иткән тормош артынан ҡыуып, журналистарҙың уйлау һәләте кәмемәһен, йәнле аралашыуға күберәк иғтибар бирһендәр, мәҡәләлә әйтелгән фекер өсөн яуаплылыҡ тойһондар ине, – тигән кәңәштәрен бирҙе журналистика аҡһаҡалы. - Римма СОЛТАНОВА Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
3 сентябрҙән 1 октябргә тиклем илебеҙҙә «Йәшел Рәсәй» акцияһы үтәсәк, унда Башҡортостан әүҙем ҡатнашырға әҙерләнә. Өмә ике этапта үтә. Беренсе этапта, 3 сентябрҙән 17-нә ҡәҙәр, ҡала-ауылдар сүп-сарҙан таҙартыла. Һәр шәмбе, йәки 3, 10 һәм 17 сентябрҙә, муниципалитеттарҙа махсус ойошмаларҙы йәлеп итеп, беркетелгән биләмәләрҙә өмәләр үткәрелә, юлдар, парктар, скверҙар һәм ихаталар тәртипкә килтерелә. 24 сентябрҙән 8 октябргәсә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ойошторола. 24 сентябрь — Берҙәм көн. «Был көндө республика халҡы ҡатнашлығында «Йәшел Башҡортостан» акцияһын үткәрәбеҙ, күмәк көс менән йәмәғәт биләмәләрен һәм ихаталарҙы таҙартабыҙ, бейек ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртабыҙ. Акция 8 октябргә тиклем дауам итә», — тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көҙгө эко-акцияла 8,5 меңдән ашыу махсуслаштырылған ойошманың һәм 2,5 меңдән күберәк берәмек техниканың ҡатнашыуы, 47 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ, шул иҫәптән 14 мең бейек ағас ултыртыу планлаштырыла.
Күптәр хәбәрҙарҙыр: ғинуарҙың 13-өнә ҡараған төндә Учалыла ҡанлы фажиғә булған. 35 йәшлек ир үҙенең ҡатынына мылтыҡтан атҡан. Яраланған ҡатын ярҙам өмөт итеп күршеләренә йүгергән. Ир уны юллап барып, инде күршеләренең йортонда ҡанлы фажиғә ойошторған: ауыл йәме булған татыу, матур, талантлы ғаилә парҙарын атҡан. Ҡатын кеше (Брәтәк ауылы ҡыҙы, йырсы Гөлсиә Хилажева) шунда уҡ йән биргән, ире ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Артабан ҡыҙып алған мылтыҡлы ир ярҙамға ташланған күршелә йәшәгән полиция майорын атып үлтергән. Унан инде ҡатынын баҫтырып тотоп атып үлтергәндән һуң, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Иң аяныслыһы шул – 7 бала етем ҡалған. Күптәр хәбәрҙарҙыр: ғинуарҙың 13-өнә ҡараған төндә Учалыла ҡанлы фажиғә булған. 35 йәшлек ир үҙенең ҡатынына мылтыҡтан атҡан. Яраланған ҡатын ярҙам өмөт итеп күршеләренә йүгергән. Ир уны юллап барып, инде күршеләренең йортонда ҡанлы фажиғә ойошторған: ауыл йәме булған татыу, матур, талантлы ғаилә парҙарын атҡан. Ҡатын кеше (Брәтәк ауылы ҡыҙы, йырсы Гөлсиә Хилажева) шунда уҡ йән биргән, ире ауыр хәлдә дауаханаға эләккән. Артабан ҡыҙып алған мылтыҡлы ир ярҙамға ташланған күршелә йәшәгән полиция майорын атып үлтергән. Унан инде ҡатынын баҫтырып тотоп атып үлтергәндән һуң, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Иң аяныслыһы шул – 7 бала етем ҡалған. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, был фажиғәнең сәбәбе – эскелек. Республика халҡы һаман да байрам кәйефенән сығып бөтмәгән, тап шул трагедияға юл асҡан да инде. Радий Фәрит улы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шулай уҡ республикала алкоголгә бәйле хәлдең хөртәйеүен билдәләгән. Ул килтергән статистиканан күренеүенсә, 2018 йылда республикала алкоголь менән ағыуланып үлеүселәр һаны бермә-бер артҡан. Р. Хәбиров ошо йүнәлештә эшләүсе ведомстволарға был мәсьәләгә ныҡлап тотонорға бойорған. «Bash.news» сайтынан алынды. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легендар 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия) кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ Совет майҙанында реконструкция барышын ҡараны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров легендар 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия) кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ Совет майҙанында реконструкция барышын ҡараны. Реконструкция эштәрен йыл аҙағында тамамларға ниәтләйҙәр. Бында буласаҡ һәйкәл өсөн нигеҙ әҙерләнгән. Фонтандың ер аҫтындағы инженер ҡоролмалары эшләнгән, гидравлик һынау үткән. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ скверы алдында иҫке таштар алынған. Ағастарҙы декоратив яҡтыртыу дауам итә. Музыка мәктәбе алдында шулай уҡ декоратив яҡтыртыу ҡуйыла. Йәйәүлеләр юлдары эшләнгән. – Бында шыршылар ултыртабыҙ. Өфө халҡы йүкәләрҙе ҡырҡҡан өсөн бик ҡайғырҙы. Совет майҙаны ысын мәғәнәһендә монументаль буласаҡ. Барыбыҙ ҙа уның менән ғорурланырбыҙ, яратырбыҙ, бында балаларыбыҙ менән килербеҙ. Был урындың мөһабәтлеген аңларбыҙ – 1942 йылдың мартында генерал Шайморатовҡа тап ошонда Ҡыҙыл Байраҡ тапшырылған. Бында автомобиль ҡуйыу урыны булыуын ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә кәмһетеү тип һанайым, – ти Радий Хәбиров. Фото БР Башлығы сайтынан алынды. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Режиссер Булат Йосопов «Рәми. Шағир көндәлеге» нәфис фильмының кинопробаһын тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған. Кадрҙар Өфөнөң Матбуғат йортонда төшөрөлгән. Төп геройҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев уйнай. «Был әлегә фильм түгел! Был – кинопроба! Шуға ҡаты хөкөм итмәгеҙ. Был роликта мин бөйөк шағир тураһында фильмдың атмосфераһын һәм фактураһын эҙләнем, — тип хәбәр итте режиссер үҙенең сәхифәһендә. — Коронавирус паузаһынан һуң фильмды барыбер төшөрөрбөҙ тип ышанам!». Рәми Ғарипов тураһында фильм — «Беренсе Республика» трилогияһының һуңғы өлөшө. Уға «Бабич» һәм «Беренсе Республика» картиналары инә, өсөнсө өлөшө — «Рәми. Шағир көндәлеге». Трилогия республиканың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә арналған. Фильмдың ижади төркөмө – сценаристар Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар – Рөстәм Баймөхәмәтов, Әлиә Байрамғолова, продюсерҙар – Леонид Филинов, Юнир Әминев, Гөлсәсәк Саламатова. Башинформ Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Сара Туймазы районы Ҡандракүл буйында үтә. Слетта 300-гә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә. Йыйында мәктәптә география һәм экологияны уҡытыу алымдары, яңы инновациялы технологияларҙы ҡулланыу мәсьәләләре ҡарала. География уҡытыусылары ҡорға йыйылдыГеография уҡытыусылары ҡорға йыйылды Бынан тыш, педагогтар төрлө ижади ярыштарҙа ҡатнаша. “Туристик йыр” конкурсы, “Минең Республикам” тигән викторина үткәрелә. https://bash.news/news/99478_geografiya_uytyusylary_ora_jyjyldy?lang=bash Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы намыҫһыҙ табипҡа яза биргән. Ул шелтә менән ҡотолған. Ә һәләк булған малайҙың атаһы бының менән риза түгел. Эш шунда. Июлдә Дыуан районында туғыҙ йәшлек Вадим исемле малай һыуға батып үлгән. Баланың кәүҙәһен моргка алып барғандар, уның хеҙмәткәрҙәре кәүҙәне тәртипкә килтерәм тип аҡса алған. Әммә һуңғы юлға оҙатыу өсөн мәйетте алырға килгән ата-әсәнең ҡото осҡан: Вадимдың тәне шешенгән, ҡарайған... Малайҙың атаһы, кәүҙәне йылыла, моргтың иҙәнендә һаҡлағандар, тип бара. Вәғәҙәләгәнсә, һыуытҡысҡа һалмағандар. Баланың атаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән, ғаиләнең ҡайғыһында аҡса эшләгән морг хеҙмәткәрҙәрен яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һораған. Тикшереүҙәр ағайҙың һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн иҫбатлаған, әммә шелтә ише яза менән атай риза түгел. https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/balany-t-ne-shesheng-n-aray-an-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Бик матур мәсет төҙөп йөрөйҙәр икән. Ислам Йомағолов, Сабир Яубаҫаров, Олег Ғәлиев ағайҙар эшләп йөрөй ине. Атайым үҙ йомошон йомошлап, һөйләшерен-һөйләшкәнсе, Ураҙа ғәйетенә әҙерлек алып барыусы Самат хәҙрәт тә килеп етте. «Әссәләмү-ғәләйкүм!» - тип иҫәнләште беҙҙең менән. «Мәктәп бинаһында ураҙа ғәйетен үткәрергә тип йөрөп ятыу», - тине ул. Форсат тейгәндә хәҙрәттән мәсет хаҡында ҡыҙыҡһындым. - 2016 йылда Айҙар хәҙрәт Әхмәтов инициативаһы менән төҙөлә башланы иман йорто. Халыҡ бик ихлас ярҙам итә. Бушыраҡтары килеп эшләшеп китә, аҡса күсерәләр. Ер мәсьәләһе оҙаҡ хәл ителмәй торҙо. Дәүләтбаевтар, Марат Ҡарасурин, Райхана Фазлетдинова ер бүлеп бирҙеләр. Әҡлимә Юлтыева реклама менән ярҙам итә. Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Ғәрифә Алтынбаева, Рәйсә Ишкинина, Фәриҙә Ҡолдәүләтова, Йыһанур Сәлихов (мәрхүм), Салауат Төлкөбаев, Йәҙгәр Ғазин, Урал Мөхәмәтғәлин (кирбес һала), Салауат Кәримов, Айнур Дәүләтбаев һәм башҡалар бик ихласлыҡ күрһәтте. Онотолоп, әйтелмәй ҡалғандар булһа, ғәфү итһендәр. Ауылдыҡылар ғына түгел, хатта район үҙәгенән дә килеп ярҙам итәләр, - тине Самат хәҙрәт. Айҙар хәҙрәт, Хәсән хәҙрәт һәм Самат хәҙрәткә изге эштәрен имен-аман тамамларға яҙһын, тип теләйек. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Күмертауҙағы «Шахтер» стадионын реконструкциялау өсөн подрядсы табылды. Аукционда ҡатнашыусы Республиканың дәүләт «Капиталь төҙөлөш» етәкселеге эште үҙ өҫтөнә аласаҡ. Дәүләт контрактының беренсе хаҡы - 246,9 млн һум, еңеүсе компанияның тәҡдим иткән суммаһы билдәһеҙ. Күмертауҙағы «Шахтер» стадионын реконструкциялау өсөн подрядсы табылды. Аукционда ҡатнашыусы Республиканың дәүләт «Капиталь төҙөлөш» етәкселеге эште үҙ өҫтөнә аласаҡ. Дәүләт контрактының беренсе хаҡы - 246,9 млн һум, еңеүсе компанияның тәҡдим иткән суммаһы билдәһеҙ. Аукцион документацияһында әйтелеүенсә, башҡарыусыға тулы эш күләмен үтәргә тура киләсәк: булған ҡоролмаларҙы һүтеү, яңы биналар ултыртыу, инженер коммуникацияларын монтажлау, территорияһын тәртипкә килтереү. Әҙер объектты 2020 йылдың октябренә тиклем тапшырырға тейештәр. Республика бюджеты эште финанс яҡтан тәьмин итәсәк. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Уҙған йәкшәмбе Халыҡ-ара Әсәләр байрамы билдәләнде. Ул көндө һәр кем ҡәҙерле кешеһенә булған рәхмәтен, йылы һүҙҙәрен әйтергә ашыҡты. Ҡалабыҙҙың 20-се лицейы ла был датанан ситтә тороп ҡалманы - матур байрам ойошторҙо. Уҙған йәкшәмбе Халыҡ-ара Әсәләр байрамы билдәләнде. Ул көндө һәр кем ҡәҙерле кешеһенә булған рәхмәтен, йылы һүҙҙәрен әйтергә ашыҡты. Ҡалабыҙҙың 20-се лицейы ла был датанан ситтә тороп ҡалманы - матур байрам ойошторҙо. Уҡыу йорто директоры Рәмил Абдуллин байрам тарихына бер аҙ байҡау яһап, изге теләктәрен еткерҙе. - Ҡәҙерле әсәләр! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын. Балаларығыҙ һеҙҙе һәр саҡ уңыштары менән һөйөндөрһөн, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем, - тине ул. Студенттарҙың күңелдәргә үткес шиғыр-йырҙары сараға саҡырылған өләсәй-әсәйҙәрҙең дә, залда ултырыусыларҙың да күңел ҡылдарын сиртте. Айырыуса Юлиә Ҡотлобаеваның, Ангелина Хөсәйенованың, Диана Әсфәндийәрованың сығышы тулҡынландырғыс булды. Өҫтәмә белем биреү педагогы, художество етәксеһе Галина Клокованың Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсәйҙәрҙең күрһәткән батырлығы тураһындағы йыры береһен дә битараф ҡалдырманы.
Екатеринбургтан дизайнер-модельер Дмитрий Шишкин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың еңел сәнәғәт буйынса үткәргән кәңәшмәһендә ҡатнашҡан. Ул ил етәксеһенә шәхсән интернет-магазин булдырыуға, сауҙа майҙансыҡтарында продукцияларҙы урынлаштырыу буйынса киткән сығымдарға төбәктәрҙә субсидиялар индерергә тәҡдим иткән. Ул шулай уҡ Владимир Путиндың үҙенә Putin Team коллекцияһынан шәхси спорт костюмы ла тегеү тураһында ла һүҙ йөрөткән. – Пандемия осоронда Уралдағы бизнес федераль кимәлдә күренә башланы, – тип билдәләгән «Инстаграм»да Свердловск өлкәһе башлығы Евгений Куйвашев. #ВладимирПутин Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Атеросклероз –ҡан тамырҙары сире, уларҙың никотин, юғары холестерин кеүек зарарлы тәьҫирҙәр һөҙөмтәһендә үҙгәреүе, шулай уҡ ҡан тамырҙарының туҙыуы. Күп осраҡта сир йөрәктең, аяҡ-ҡулдарҙың һәм мейенең ҡан менән тәьмин ителешендә проблемалар барлыҡҡа килгәндә беленә, йәғни сирҙең диагнозын һуңғы стадияларында ҡуялар. Атеросклероз үлемгә килтереүсе иң ҡурҡыныс сир-ҙәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Был сир оло йәштәге кешеләр өсөн характерлы, шуға күрә табиптар уны ҡарттар сире тип атай, ләкин, йәшәү рәүеше менән бәйле, ул йылдан-йыл йәшәрә. Сәбәптәре Атеросклероз юғары ҡан баҫымы, тәмәке тартыу, шәкәр диабеты, холестериндың юғары кимәле һөҙөмтәһендә үҫешә. Төп сәбәбе – холестерин әйләнешенең боҙолоуы. Атеросклероз формалашыуы – тәбиғи процесс, яҡынса ул 10-15 йәштән башлана, йәш үтеү менән ул әкренәйергә лә, шәбәйергә лә мөмкин. Хәүеф факторҙары Ирҙәр был сиргә нығыраҡ бирешеүсән. Сирҙең тәүге билдәләре уларҙа – 45, ә ҡатын-ҡыҙҙа 55 йәштән күренә башларға мөмкин. Нәҫелдән бирелеү – атеросклероз үҫешеү сәбәптәренең береһе. Тәмәке тартыу һәм алкоголь атеросклероз үҫешеүен тиҙләтә. Артыҡ ауырлыҡ шәкәр диабетына килтерергә мөмкин, ә был патология, үҙ сиратында, атеросклероз үҫешеүенә булышлыҡ итә. Туҡланыу – төп хәүеф факторы. Йәштән үк дөрөҫ туҡлана башлағыҙ. Билдәләре Йыш ҡына аҡһыл-күкһел төҫтәге һалҡын аяҡ-ҡулдар, йөрәк менән проблемаларҙың йыш булыуы, хәтер насарайыу, ҡан менән тәьмин ителештең боҙолоуы, иғтибар-ҙың насар тупланыуы, ҡуҙғыу-санлыҡ һәм арыу тойғоһо. Атеросклероздың тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәндә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки иртә стадияла, йәшәү рәүешен үҙгәртеп, атеросклерозды туҡтатырға мөмкин. Йөрәк тамырҙары атеросклерозынан башҡа, мейе тамырҙары, бөйөр артериялары, аяҡтар артериялары, мезентериаль артериялар атеросклерозы ла бар. Профилактика Атеросклерозды дауалау-ҙа медикаментоз кеүек үк, медикаментоз булмаған дауалау ысулын да ҡулланалар. Медикаментоз булмаған терапия: тартыуҙан баш тартыу, тән ауырлығын көйләү, ашауҙа билдәле бер сикләүҙәр, физик әүҙемлекте арттырыу. Организмға ярҙам итеү һәм әлеге сирҙе профилактикалау өсөн холестерины һәм тоҙо аҙ булған аҙыҡ-түлек ашарға. Рационға башаҡлыларҙы, йәшелсәләр (кишер, баклажан, татлы һуған, һарымһаҡ), бешерелгән балыҡ, йогурттар, көнбағыш майы һәм, әлбиттә, емеш-еләк индерегеҙ. Һары һәм ҡыҙғылт һары төҫтәге еләктәр һәм үҫемлектәрҙе, мәҫәлән, энәлек, миләш, ҡайын еләге, балан, ҡыр миләшен (пижма) һәм башҡаларҙы ҙур күләмдә ҡулланығыҙ. Физик әүҙемлекте хәүеф-һеҙ һәм һәр кем эшләй алған төрөнән – йөрөүҙән башлар-ға кәрәк. Күнекмәләр 35-40-ар минуттан аҙнаһына өс-дүрт тапҡырҙан дә кәмерәк булмаҫҡа тейеш.
Йөрәккә уҡ ҡаҙалдымы ни... Ике юғары белемле, яҡшы урында эшләгән белгесмен. Исемем – Инзира. Өфө ҡалаһына килеүемә ун йыл. Беренсе уҡыу йортон тамамлап, шундуҡ баш ҡалаға юлландым. Бында инде эшкә урынлаштым, тағы ла белем тауҙарына үрмәләнем, уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамамланым. Атай-әсәйем ярҙамында бер бүлмәле фатирлы булдым. Ремонттан һуң әкренләп уны күңелемә ятҡан әйберҙәр менән биҙәнем: мебель, һауыт-һаба, яҡтыртҡыстар, фотографиялар, статуэткалар, китаптар – сынъяһау инде өйөм, ҡурсаҡ һымаҡ. Килгән кеше һоҡланмай сыҡҡаны юҡ. Өйөң ялтырап, үҙең балҡып тораһың, ти миңә кешеләр. Тик яңғыҙмын. Быйыл утыҙ бишемде тултырҙым. Ул көндө һөйгәнем янымда ине әле... Ҡунаҡтарҙы оҙатып, кафенан бергә сыҡтыҡ. Беҙ дүрт йыл танышбыҙ. Шуның ике йылын миндә йәшәйбеҙ. Йәшәйбеҙ, тигәнем, йоҡлайбыҙ инде, дөрөҫөрәге. Сөнки ҡалала бит нисек: иртән сығып китәһең, кисен ҡайтып инәһең. Ашайһың да ятаһың, уныһы ла ныҡ һуң ҡайтмаһаҡ. Уның да үҙ фатиры бар, тик унда ҡустыһы йәшәй. Шуға күрә, миңә кил, тип саҡырғайным, баш тартманы бит, килде. Буйҙаҡ, үҙемдең йәштәге егетте ҡайҙан табам әле, тип уға оҡшарға тырыштым. Һирәк ял көндәрендә уның яратҡан ризыҡтарын бешерҙем, күңелен күреү өсөн бар көсөмдө һалдым. Туғандарым, ҡасан туй, тип минән, хатта бер һеңлем унан да, шаяртып булһа ла, һорағайны. Шунда күңелемдә шик тыуҙы. Ни булһа ла, кафенан сыҡҡас, туп-тура һораным. Яуабын аңлағанһығыҙҙыр, хәҙер мин бер үҙем. Ә ни өсөн ике йыл бергә йәшәнең һуң, тигән һорауға иҫ киткес яуап алдым да шаҡ ҡаттым: сөнки быны һин үҙең теләнең бит. Һине яратам, өйлән миңә, уртаҡ балаларыбыҙ булыр, мин хәҙер ошолай теләйем, тигәйнем, баш тартты. Мин һине яратмайым бит, булды яуабы. Был нимә булды һуң? Хәҙер ирҙәр яратмаған кешеләре менән ваҡыт уҙғарырға ла оялмай, йыбанмаймы инде? Кемгә ышанырға? Ә минең ваҡыт һанаулы, әсәй булғым, кейәүгә сыҡҡым килә... Интернет селтәрендә сәхифәм һәр кемгә асыҡ, күптәр тап “Бәйләнештә” мөрәжәғәт итә лә. Инзира менән оҙаҡ аралаштыҡ – яңғыҙлыҡтың төпкөл, үҙаңда уҡ ятҡан проблемалары була, шуларҙы бергәләп “сығарҙыҡ”, “таҙаланыҡ”, “миңә ир кәрәк” маҡсатын үҙгәрттек, йәғни ябайлаштырҙыҡ. Төп иғтибарҙы Инзира хәҙер үҙенә йүнәлтә – ә ни өсөн мине был хәл ныҡ борсолдора, тигән һорау уның өсөн бөгөн бик актуаль. “Мин үҙем теләйемме кейәүгә сығыуҙы йәиһә шулай ҡабул ителгәнгә, башҡаларҙан ҡалышмайым, тип ир-егет эҙләйемме?” Инзираның яуабы хатта үҙен дә уйландырҙы. Психологик яра алған кешеләр менән аралашыуы еңел түгел – улар һәр һүҙҙән, күнекмәнән ниндәйҙер тиҫкәре йөй эҙләй. Әммә һөҙөмтәләрен күреп, аптыранып та ҡуялар – Инзира менән дә шулай булды. Ғөмүмән, хәҙер инде ул “яңғыҙ ҡартайып барған” кеше түгел. Ә тулы тормош менән йәшәгән, үҙ-үҙен ҡараған һомғол буйлы, белемле, эшһөйәр, тәртипле, насар ғәҙәттәре булмаған, һау, күҙҙәре янып торған, үҙ йәшенән күпкә йәшерәк күренгән һылыу ҡыҙ. Тормошҡа, йәшәйешкә күҙҙәре яратып, һөйөп баға, ҡараштары бер кемде лә эҙләмәй, күңеле ҡыуаныс, бәхет менән тулы. Ә шулай ҙа... Ике йәш йөрәк осрашҡас, бер-береһенә тап килгәнен аңлағас, өйләнешеп, бергә бәхетле ғүмер итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Хәҙер заман башҡараҡ. Ҡыҙымдың класташының да, мотлаҡ иң тәүҙә йәшәп ҡарарға кәрәк егетең менән, юғиһә нисек аңларға бер-беребеҙгә тап киләбеҙме-юҡмы, тип әйткәне хәтерҙә. Был юҫыҡта минең фекерем ҡәтғи: мотлаҡ түгел. Ҡыҙҙар үҫтергән әсәй булараҡ та, психолог булараҡ та. Ир-егеттәрҙең психологияһы ҡатын-ҡыҙҙыҡынан ныҡ айырыла, улар үҙ кешеһен бер кем менән дә бүлешмәйәсәк, бирмәйәсәк! Әгәр ҙә ир-егет үҙенә тиң йәр, яратҡанын тапһа, шундуҡ тәҡдим яһап, өйләнеп, “минеке” тип, штамп-билдә һалып та ҡуя. Шунда уҡ тигәс тә, танышҡас та тип аңларға кәрәкмәй. Иғтибар, әгәр ҙә ул, әйҙә, тәүҙә йәшәп ҡарайыҡ бер юрған аҫтында, күңелемде күр, ашарға йүнәт, керҙәремде йыу, шунан мин ҡарармын, тап киләһеңме миңә, юҡмы, тиһә – бындай егеттән йыраҡ булыуың яҡшы. Әлбиттә, ҡәҙерлеләрем минең, алдағы һөйләмдәге текст башҡасараҡ яңғыраясаҡ, әммә аңлы кешегә егеттең тел төбөн аңлауы еңел, шулай бит? Ҡыҙҙарыбыҙға, әрһеҙләмәгеҙ үҙегеҙҙе, тип әйтер инем. Бар бит ул донъяла тик һеҙҙең генә үҙ кешегеҙ, бар! Көтөгөҙ, әҙерләгеҙ, һаҡлағыҙ, үҫегеҙ – сабырлыҡ менән дуҫ булығыҙ. Яңы­лышыуҙан бер кем дә азат түгел, һәр бер тормош дәресен ыңғай яҡҡа үҙгәртергә өйрәнегеҙ. Был юҫыҡта мин – һеҙҙең күңел табибығыҙ, ярҙам итергә әҙермен. Йәшлек гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Республикала Башҡорт теле көнө уңайынан тест үтергә мөмкин булған сайт эшләй башланы. Ул һинең ниндәй диалектта һөйләшеүеңде билдәләй – төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ йәки көнсығыш. Бөгөн 720-нән ашыу кеше тест үткән дә инде. «Башҡорт телендә өс диалект бар: Урал аръяғы, көньяҡ һәм төньяҡ көнбайыш. Ошо өс диалектлы төҙөлөш – дөйөм ҡабул ителгән ғилми факт. 80-се йылдарҙа Өфөлә Рәсәйҙең билдәле төркиәтселәре ҡатнашлығында уҙған бөтә союз диалектология конференцияларында диалекттар тураһында шундай ҡарарға килгәндәр», — тип хәбәр итте тест авторҙары. Диалектыңды белеү өсөн һылтанма буйынса тест үтергә мөмкин. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Ошо йылдың тәүге яртыһында беҙҙең туристар барған иң популяр биш ил аталды. "ТурСтат" туристик порталы яҙыуынса, үрҙә телгә алған Төркиә беренсе урында. Унда алты айҙа 2,65 миллион Рәсәй кешеһе булған. Артабан Абхазия килә. Күрһәткес - 1,85 миллион кеше. Өсөнсө урында - Финляндия (1,644 млн.), дүртенселә - Ҡаҙағстан (1,371 млн.), бишенселә - Ҡытай (1,077 млн.). Былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда Ҡаҙағстанға барыусылар шаҡтай артҡан. Ҡыҙыҡ. Унда Арал диңгеҙе лә ҡороно тиерлек. Сәғәттәр буйынса ятып ҡыҙынырлыҡ "ҡайнар һөт кеүек" диңгеҙ юҡ, тимәксебеҙ. Каспийҙан ҡурҡыңҡырап торабыҙ шикелле. Шулай ҙа Ҡаҙағстан, туристик ымһындырғыс ил булараҡ, кешене үҙенә тарта. Бының өсөн дәүләт программаһы бик яҡшы эшләй. Эйе. Бында туризмды үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирәләр һәм бер нисә йылдан Ҡаҙағстанды туристар өсөн "донъяның 50 йәлеп итеп тороусы иле" иҫәбенә индерергә тырышалар. http://www.ye02.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан менән Австрия араһындағы бәйләнештәр нығый. Быйыл июнь айында Венала республика вәкиллеге асылды, Өфө – Вена тура авиабәйләнеше булдырылды. Был саралар «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Европаның башҡа илдәре менән дә эшлекле бәйләнештәр булдырыуға юл асыр тип күҙаллана. Башҡортостан менән Австрия араһындағы бәйләнештәр нығый. Быйыл июнь айында Венала республика вәкиллеге асылды, Өфө – Вена тура авиабәйләнеше булдырылды. Был саралар «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Европаның башҡа илдәре менән дә эшлекле бәйләнештәр булдырыуға юл асыр тип күҙаллана. Ошо көндәрҙә Башҡортостан делегацияһы Австрияның эшлекле даирәләре менән осрашты. Уның һөҙөмтәһендә агросәнәғәт өлкәһендә өс килешеү төҙөлдө. «Агрармаркт Австрия Маркетинг» компанияһы ауыл хужалығына ҡағылышлы бай тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләк белдерҙе. Икенсе проект Башҡортостанда 10 мең башҡа иҫәпләнгән һауын кәзәләре фермаһын булдырыуға ҡағыла. Шулай уҡ Австрия малсылары берлеге менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды. #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Автор:Расуль Байгильдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
—Эйе, ике улым да йырсы һөнәрен алып, Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләй. Уларҙың репертуарын байытыу, төрлө йырҙар менән тулыландырыу маҡсатында йыр яҙыу теләге уянды. Хаҡлы ялда булғас, ижадҡа ла ваҡыт бар тигәндәй. Балаларым сәнғәт юлынан киткәс, уларҙың һөйләүе буйынса үҙеңә оҡшаған йырҙы табыуы ауыр ҙа, ҡиммәт тә булыуына төшөндөм, - ти Рәхимә Ғәйетбаева.Тулыраҡ беҙҙең сайтта. Уның йырҙарын Сибай һәм Нефтекама филармониялары йырсылары башҡара. Ул көйҙәр генә түгел, йырҙарҙың һүҙҙәрен дә яҙа. Ә үҙе һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ябай ауыл мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытып, әле хаҡлы ялда ижад менән шөғөлләнә. Кем һуң ул? Таныштырырға ашығабыҙ: Рәхимә Вәкил ҡыҙы Ғәйетбаева республикабыҙға күп таланттар бүләк иткән Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәй. Моңға ғашиҡ ханымдың нәҫел-нәсәбе бер яҡтан һәләтле Ғәйетбаевтарға барып тоташһа, әсәһе яғынан Туйсиндар тоҡомонан. Тимәк, уҡытыусының күңеленән юҡтан ғына йыр урғылмай. Әйҙәгеҙ, уның менән әңгәмә ҡороп алайыҡ. —Рәхимә Вәкил ҡыҙы, ҡыҫҡаса үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине. —1958 йылдың 5 апрелендә тәүге бала булып тыуғанмын. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булдым, сәхнәлә йырлай торғайным. Бала саҡ тиһәләр, иң беренсе күҙ алдыма бармаҡтарын шартлатып, һары ботинкаһын тыпырҙығы сығарып, шат тауыш менән йырлап-бейеп йөрөгән зәңгәр күҙле ҡыҙ килеп баҫа. Күрше Сыңғыҙ ауылы мәктәбенең 7-се класында уҡып йөрөгәндә район күләмендә үткәрелгән художество смотр конурсында «Әсәйемә» тигән йыр менән йомғаҡлау этабына үткәнемде яҡшы хәтерләйем. Мәктәп линейкаһында директор Абдуллин Рәфҡәт Фәтҡулла улы мине маҡтап, рәхмәт әйткәйне, бүләк тапшырғайны. —Шулай ҙа бер ҙә сәнғәт юлынан китмәгәнһегеҙ... —Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыял- ланғайным һәм ошо хыялыма тоғро ҡал-дым. 1977 йылда Сибай педучилищеһын тамамлағас, Ишмырҙа урта мәктәбендә—2 йыл, унан һуң Ишей 8 йыллыҡ мәктәбендә 21 йыл башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләнем. Һәр ваҡыт йыр-моң миңә юлдаш булды, ауыл сәхнәләрендә йырлай торғайным. 1980 йылда Ишей егете Ҡарасурин Заһир Ҡаһарман улына тор-мошҡа сыҡтым. Ҡарасуриндар ғаиләһе лә бик музыкаль ғаилә булды. Бигерәк тә ҡәйнәм мәрхүмә боронғо йырҙарҙы башҡа-рыуға маһир ине. Шуғалырмы, беҙҙең ғаиләбеҙҙә моңло балалар тыуҙы. Балаларымдың өсөһө лә йырларға яратты, күңелдәре сәхнәгә тартылды. 2000 йылда ғаиләбеҙ менән тыуған ауылыма—Буранбайға, атай нигеҙенә күсеп ҡайттыҡ. Мин Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбендә эшләй башланым. Йәшем арыу ғына булһа ла ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланым. Унда 13 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. —Улдарығыҙ республикала билдәле йәш йырсылар... —Эйе, ике улым да йырсы һөнәрен алып, Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләй. Уларҙың репертуарын байытыу, төр-лө йырҙар менән тулыландырыу маҡсатында йыр яҙыу теләге уянды. Хаҡлы ялда булғас, ижадҡа ла ваҡыт бар тигәндәй. Балаларым сәнғәт юлынан киткәс, уларҙың һөйләүе буйынса үҙеңә оҡшаған йырҙы табыуы ауыр ҙа, ҡиммәт тә булыуына төшөндөм. —Тәүге йырҙар нисек яҙылды? Нимә хаҡында? —Тәүге йырҙарым үҙебеҙҙең Буранбай ауылында саф һауала йөрөгән саҡта тыуҙы. Моң тигәнең үҙенән үҙе күңелгә килә һәм көйгә әйләнә. Унан ошо көйгә дауамдар өҫтәлә, ул көндән-көн оҙоная, уға яңы биҙәктәр өҫтәлә бара, матур һүҙҙәр талап итә башлай. Артабан һүҙҙәрен уйлайым инде. Шулай итеп, тәбиғәт, тыуған яҡ, әсәй, мөхәббәт тураһында йырҙарым тыуҙы. —Тимәк, шиғырын да үҙегеҙ ижад итәһегеҙ? —Мин үҙемдә әҙ-мәҙ шиғыр яҙыу һәләте барлығын электән белә инем, сөнки дәрестәр үткәргән ваҡыттарҙа тиҙ генә шиғырҙар уйлай һалып, ул-был темаларға ҡушып ебәрә торғайным. Пенсияға сыҡҡас, буш ваҡыттарым күбәйеп һәм бар күңелем менән эҙләнә башлағас, шул һәләттәрем үҫә башлағандыр тип уйлайым. Азат улым йыр-моңға маһир Хәсәновтар ғаиләһендә үҫкән Розалияға өйләнгәс, ошо ике бала өсөн дуэттар ижад итә башланым. Улар башҡарыуында «Йылмай, йәнем», «Һин», «Минең бәхетем» йырҙары тамашасылар араһында киң танылыу алды. Ә «Һаумыһығыҙ!» йырым менән Азат улым 2019 йылда хит-парадта ҡатнашты һәм 15000 тауыш йыйып, 1-се урын алды, «Юлдаш-хит 2019» сараһының йомғаҡлау концертында ҡатнашып, гәлсәр статуэткаға эйә булды. Ә инде «Йылмай, йәнем!» менән йәш пар, йәғни Ҡарасуриндәр ғаиләһе республика кимәлендә үткәрелгән «Етегән» конкурсында ҡатнашып, 1-се урынға сыҡты. «Һин» тигән йырыма улым менән киленем бик матур клип төшөрҙө. Ул БСТ, «Ҡурай» каналдарында даими күрһәтелеп тора. Йырҙарымды Нефтекама филармония-һының башҡа йырсылары ла теләп башҡара. Мәҫәлән, өлкән улым Иршат Ҡарасурин «Әсәйемә» тигән йырымды «Беҙ Баймаҡтар бит әле-2» концертында йырланы. Илнур Муфтахов «Юғалтыуҙар ғына булмаһын ерҙә» тигән йырымды, минең көйөмә яҙылған «Атайыма» (клибы «Майҙан», «Матур» каналдарында күрһәтелеп тора), «Һабантуй» йырҙарын ихлас башҡара. Йәш йырсы Алина Вәхитова «Ҡайтам, әсәй» исемле йырымды гастролдәрҙә йырлап, халыҡҡа ишеттерҙе. Раян Алтыншин «Урман» һәм минең көйөмә яҙылған «Тимер—тыуған ауылым» йырҙарын йырлай. Әйткәндәй, «Урман» исемле йырым апрель айында хит-парадта ҡатнаша, бик әүҙем генә итеп тауыш йыйыуын дауам итә. —Сибайҙар ҙа башҡара шикелле йыр-ҙарығыҙҙы? —Эйе, «Әйтсе, ҡурай», «Буҙа» тигән йырҙарымды «Тархан» төркөмө башҡарһа, «Бауырһаҡ»ты Сөмбөл Моратова бик матур итеп йырлай, ә «Ҡорот»то трио ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле башҡара. —Конкурстарҙа үҙегеҙҙе һынап ҡарайһығыҙмы? —2019 йылда Сибай ҡалаһында үткәрелгән Юлай Моратов исемендәге һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында ҡатнаштым, «Өмөт» номинацияһына һәм «Йәшлек» гәзитенең махсус призына эйә булдым. Һуңғы ваҡытта шиғырҙар ижад итеүгә әүәҫләнеп киттем. Шиғырҙарымды интернет селтәренә һалып, дуҫтарыма тәҡдим итеп барам, уларҙан ыңғай баһалар алып дәртләнәм.
Беҙҙең Саҡмағош районы Митрәй-Әйүп ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре атай-олатайҙарыбыҙҙан ҡалган фольклор күренештәрне тергезеү өсөн актив эш алып бара. Һуңғы йылдарҙа “Нәүрүҙ-байрам”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Беренсе бураҙна”, “Кәккүк сәйе”, “Орсоҡ өмәһе”, “Ҡаҙ өмәһе” кеүек фольклор күренештәре тергеҙелде. Балаларҙы яҡлау көнөндә йыл да улар өсөн һабан туй үткәрелә. “Орсоҡ өмәһе” фольклор күренеше менән Рәжәп ауылында урнашҡан өлкәндәр йәшәгән интернатта ла сығыш яһаныҡ. Быйыл Башҡортстанда үтәсәк фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә йәнә боронғо йолаларҙы искә төшөрөп, “Йәш йөрәктәр” фольклор коллективы менән “Билмән яһау өмәһе”н үткәрҙек. Өмә барышында һәр ҡайһыбыҙ үҙенең ҡамыр баҫыу, билмән эслеген әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Резида Ниғманова, мәҙәниәт йорто мөҙире. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
10 майҙан Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы онлайн-прокатҡа сыға. Был хаҡта «Башинформ»ға картинаның режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итте. 10 майҙан Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы онлайн-прокатҡа сыға. Был хаҡта «Башинформ»ға картинаның режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итте. Фильм ITunes һәм Google Play сервистарында күрһәтелә. Әйткәндәй, «Өс таған» — ITunes медиаплеерында сыҡҡан беренсе башҡорт фильмы, башҡортса, русса версияларын ҡарарға мөмкин. «Өс таған»ды башҡорт әҙәбиәт классигы Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан хөкүмәт, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Асҡарфильм» студияһы төшөрҙө. 2021 йылдың 4 мартында Фильм Рәсәй прокатына сыҡты. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөрйән районы муниципаль районының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте. Унда комиссия ағзалары, район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫарҙары, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес, “Бөрйән”, ҡулланыусылар йәмғиәте, “Иҫке Собханғол” МУП-ы сауҙа объекттары етәкселәре ҡатнашты.Көн тәртибендә - 2018 йылдың 25 мартында Кемерово ҡалаһының “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу комплексындағы янғын менән бәйле район биләмәһендә урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешенә пландан тыш тикшереү ойоштороу.Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе Н. Сафиндың, Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге инспекторы Р. Аҡбулатовтың сығышын тыңлап, уның буйынса фекер алышҡандан һуң, комиссия ҡарар ҡабул итте.Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлегенә март-апрель айҙарында сауҙа нөктәләрендә пландан тыш тикшереүҙәр үткәреү бурысы йөкмәтелде. “Хазина”, “Ҡыпсаҡ”, “Бөрйән”сауҙа үҙәге, “Бөрйән” ҡулланыусылар йәмғиәте,“Ансар”, “Иҫке Собханғол” сауҙа үҙәктәре һәм сауҙа-сервис комплекстары милекселәренә һәм ҡуртымға алыусыларына янғын хеҙмәте менән берлектә хеҙмәткәрҙәрҙе һәм унда килеүселәрҙе эвакуациялау юлы менән күнекмәләр үткәрергә тәҡдим ителде. Бөрйән районы муниципаль районының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте. Унда комиссия ағзалары, район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫарҙары, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес, “Бөрйән”, ҡулланыусылар йәмғиәте, “Иҫке Собханғол” МУП-ы сауҙа объекттары етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә - 2018 йылдың 25 мартында Кемерово ҡалаһының “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу комплексындағы янғын менән бәйле район биләмәһендә урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешенә пландан тыш тикшереү ойоштороу. Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе Н. Сафиндың, Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге инспекторы Р. Аҡбулатовтың сығышын тыңлап, уның буйынса фекер алышҡандан һуң, комиссия ҡарар ҡабул итте. Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлегенә март-апрель айҙарында сауҙа нөктәләрендә пландан тыш тикшереүҙәр үткәреү бурысы йөкмәтелде. “Хазина”, “Ҡыпсаҡ”, “Бөрйән”сауҙа үҙәге, “Бөрйән” ҡулланыусылар йәмғиәте,“Ансар”, “Иҫке Собханғол” сауҙа үҙәктәре һәм сауҙа-сервис комплекстары милекселәренә һәм ҡуртымға алыусыларына янғын хеҙмәте менән берлектә хеҙмәткәрҙәрҙе һәм унда килеүселәрҙе эвакуациялау юлы менән күнекмәләр үткәрергә тәҡдим ителде. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Белем биреү учреждениеларына инеү-сығыу урындары хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш. Яңы уҡыу йылын Таһир Кусимов исемендәге гимназияла ла яңыса ҡаршыланылар. Гимназияның инеү урыны хәүефле булыуы хаҡында ата-әсәләр йыйылыш һайын һөйләне. Бигерәк тә иртән һәм төш мәлендә бында машиналарҙан тығындар барлыҡҡа килә торғайны, сөнки һәр кем балаһын ишек алдына уҡ төшөрөп ҡалдырырға тырыша. Белем усағы эргәһендә машиналар өсөн ҙур туҡталҡа эшләү хәлде бер аҙ үҙгәртһә лә, проблема тулыһынса бөтмәне. Ата-әсәләр үҙҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, йәйәүлеләр өсөн һыҙат өҫтөндә лә, мәктәп ҡапҡаһына яҡын килеп тә туҡтап, башҡалар өсөн ҡурҡыныс тыуҙырҙы. — ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уҙған уҡыу йылында белем биреү учреждениелары янында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге үтәлешен тикшереп, күрһәтмә яҙғайны. Шуны үтәү өсөн район хакимиәтенән светофор ҡуйыуға 187 мең һум аҡса бүленде, — тип һөйләне Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Дамир Харрасов. — Өҫтәмә рәүештә урындағы биләмә хакимиәтенән саралар бүлдек һәм уҡыу башланғанға тиклем Ансар Өмөтҡужиндың бригадаһы гимназия алдына ҡойма эшләне. Хәҙер машиналар ҡапҡа алдына туҡтай алмаясаҡ, балалар ҙа юлдан үтмәй, йәйәүлелер өсөн һыҙаттан һәм ҡойманың эсенән йөрөйәсәк. Иртәнге, төшкө һәм киске сәғәттәрҙә мәктәп янында хәрәкәт көслө, шуны көйләү өсөн светофор күптән кәрәк. «Юрға» ат-спорт мәктәбе янындағы юл аша ла светофорҙар ҡуйылды. Проблема хәл ителеүгә ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа шат. Гимназия директоры Рамил Әхмәтов район етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. — Беҙҙең өсөн балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү — төп талаптарҙың береһе. Хәҙер уҡыусылар өсөн күңелебеҙ тыныс. Уларға юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, юлда иғтибарлы булырға ҡала, — тине Рамил Нурислам улы. Янып-һүнеп тороусы һары утлы светофор юлда балалар булыу ихтимал-лығын хәбәр итә, шуға водителдәргә абай, иғтибарлы йөрөү, мәктәп янынан үткәндә тиҙлекте кәметеү мөһим. Бындай светофорҙар райондың башҡа мәктәптәре янында ла ҡуйыласаҡ. Д. САФИУЛЛИНА. * * * — Балаларҙың хәүефһеҙлеге беренсе урында булырға тейеш, — тип иҫәпләй район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә. Бөгөн был ойошма төп юл мәктәп эргәһенән үткән Байым белем усағы янында хәүефһеҙлек һыҙаты ҡуйыу эштәре менән мәшғүл. Ошондай уҡ эштәр оло юл буйында ғына урынлашҡан Таштимер мәктәбе алдында ла алып барыла. ДРСУ хеҙмәткәрҙәре Тимерхан Сөләймәнов, Данис Бикҡолов, Илфат Ямалов мәктәпкә йәнәш ике яҡлап юл буйынса тимер баға-налар ултыртып, уларҙы асфальт менән нығытып бара. Ә Самат Әхтәмов менән Мәүлит Абдуллин иһә бағаналарҙың тигеҙлеген тикшерә. Артабан инде бағаналарға тимер кәртәләрҙе иретеп йәбештерергә һәм уларҙы буярға ҡала. Р. ДАУЫТОВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Быйыл, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға 80 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Былтырғыға ҡарағанда алты миллиард һумға күберәк тигән һүҙ. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Үткән йыл төбәктә дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеү 28 процентҡа артты. Быйыл финанслау күләме 600 миллион һумға үҫәсәк. Хөкүмәт ҡарары менән йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына дусар сирлеләр өсөн препараттарҙы йыл әйләнәһенә биреү планлаштырыла. Министр әйтеүенсә, төбәктә кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡыу ҡала. Былтыр айырыуса Сибай, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларынан һәм Күгәрсен, Белорет, Бәләбәй райондарынан табиптар күпләп киткән. Республика һәм федераль программалар ярҙамында был мәсьәләләрҙе хәл итеү планлаштырыла. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
2020 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 31 ғинуарынан һуң тыуған өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар өсөн өс йәшкә тиклемге айлыҡ түләүҙәр тәртибе үҙгәрә. «Демография» милли проектына ярашлы, ишле ғаиләләргә социаль ярҙам саралары көсәйтелә. Түләү тәғәйенләү өсөн ғаиләнең йән башына килгән уртаса килеме ике йәшәү минимумы дәүмәленә тиклем арттырыла. Беҙҙең республикала йәшәүсе хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр өсөн был сумма 10 434 һумға тиң. Социаль ярҙамдың был төрөнә хоҡуҡтан йән башына тура килгән уртаса килем 20 мең 868 һумдан артмаған осраҡта (хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ өсөн икеләтелгән йәшәү минимумы дәүмәле) һәр ишле ғаилә файҙалана ала. Мәҫәлән, биш кешенән торған ғаилә өсөн айлыҡ килем 104 мең 340 һумдан артмаҫҡа тейеш. Түләүҙәр дәүмәле элеккесә – 8 мең 993 һум. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне. Фото асыҡ сығанаҡтарҙан Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Петропавловка ауылында электән башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты уңышлы эшләп килә. Һуңғы йылдарҙа был социаль объекттарға капиталь ремонттар яһалып, балаларға белем биреүгә һәм ауырыуҙарҙы ҡабул итеүгә заманса уңайлыҡтар булдырылды. Өфө урта мәктәбенең филиалы булған башланғыс мәктәптә 13 уҡыусы иҫәпләнә. Тәжрибәле педагог Гөлдәр Йәрмөхәмәтова балаларға төплө белем бирһә, ашнаҡсы Эльмира Сәлимова уларҙы тәнәфестә тәмле аш менән һыйлай. -1989 йылда бында эшкә килгәндә саман мәктәп ине. 1992 йылда ошо бинаға күстек. 2015 йылда “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте ярҙамы менән капиталь ремонт яһалды. Евро тәҙрәләр, яңы ишектәр ҡуйылды, ҡыйығы, иҙән һәм түбәһе, электр үткәргесе тулыһынса алмаштырылды, канализация үткәрелде. Компьютер, плита, газ ҡаҙанлығы, интерактив таҡта менән тәьмин иттеләр. Белем усағының заманса төҫ алыуы эшебеҙҙе йәнләндерҙе. Замана технологияларын ҡулланыу, дәресте ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә мөмкинлек бирә. Ремонт үткәнгә тиклем бина ҡурҡыныс хәлдә ине. Сәнәғәт предприятиеһы асылғандан алып, ярҙамдарын даими күрәбеҙ.“Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Рәмил Туҡаев киләһе йылда ҡойманы ла алмаштырасаҡбыҙ, тине. Ошо көндәрҙә улар яңы парталар, шкаф һәм аш-һыу бүлмәһенә өҫтәл алып киләсәк. Канализация тығылыу һәм башҡа проблемалар килеп тыуһа, улар тиҙ генә ярҙам ҡулы һуҙа. Шуға күрә уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Район мәғариф идаралығы тарафынан туңдырғыс, бойлер алынды. Өфө урта мәктәбе директоры Зилә Ҡашҡарова менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәктәптең бер бүлмәһендә балалар өсөн ҡыҫҡа ваҡыт булыу үҙәге урынлашҡан. Унда 11 бала йөрөй. Бина бәләкәй булғанлыҡтан, урын тар. Шуға күрә балалар баҡсаһын икенсе бинаға күсереү мәсьәләһе ҡарала. Күрше генә бүлмәлә урынлашҡас, бәләкәй балалар шаулап, дәрес үткәреүгә ҡамасаулай.Беҙҙә ҙур производство булғас, күсеп килеүсе ғаиләләр ҙә бар, улар, тәү сиратта, ауылда мәктәп һәм балалар баҡсаһы бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһына. Шуға күрә балаларҙан өҙөлмәйбеҙ. Бөгөнгө көндә мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләйбеҙ. Ауыл советы депутаты Рәйес Ҡотлобирҙин менән мәсьәләләрҙе бергә хәл итәбеҙ. Әлбиттә, киләсәккә план-маҡсаттар күп эшләргә генә кәрәк,-- ти башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән биатлон буйынса Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Виктор Никитинға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Виктор Никитин – Башҡортостандың биатлон буйынса йыйылма командаһы (юғары спорт оҫталығы һәм спорт оҫталығын камиллаштырыу) тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Уның тәрбиәләнеүселәрен хатта тотош донъяла бик яҡшы беләләр. Улар араһында Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған Максим Чудов, 2017 йылда ир-егеттәр араһында чемпион тип танылған, дүрт тапҡыр Европа һәм дүрт тапҡыр Европа чемпионаттарында призлы урындарға сыҡҡан Антон Бабиков, быйыл Пекинда уҙғарылған Олимпия уйындарында өс тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булған, биатлон буйынса донъя беренселегендә – бронза, Европа чемпионатында көмөш миҙалға эйә булған Эдуард Латипов һәм башҡалар бар. - Айһылыу НИЗАМОВА Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Рәсәйҙең "Иң сәләмәт" төбәге рейтингын төҙөгәндәр. Беренсе урында Дағстан килә. Уның артынса Чечня һәм Ҡабардин-Балҡар республикаһы. Әйткәндәй, Кавказдың төньяҡ төбәктәре өсөнсө йыл рәттән лидерлыҡты бирмәйҙәр. Дүртенсе урында - Адыгея, бишенсе - Краснодар крайы. Әгәр оҙон ғүмерле, ауырымай, сирләмәй йәшәргә теләйһегеҙ икән, шунда күсеп китергә кәрәк. Сөнки был илдәрҙә халыҡ сәләмәт йәшәү рәүешен нығыраҡ алып бара. Ә бына Башҡортостан 29 урында. Ярай әле исемлектең аҙағында түгелбеҙ, беҙҙең төбәктә йәшәүселәргә ҡарағанда ла сәләмәтлектәре мөшкөлөрәктәр бар, тип ҡыуанайыҡ. Иң аҙаҡҡы урында - Камчатка, унан бер баҫҡыс алда - Йәһүд автономиялы өлкәһе, ә инде арттан өсөснсө урында Магадан өлкәһе килә. Рәсәйҙең "Иң сәләмәт" төбәге рейтингын төҙөгәндәр. Беренсе урында Дағстан килә. Уның артынса Чечня һәм Ҡабардин-Балҡар республикаһы. Әйткәндәй, Кавказдың төньяҡ төбәктәре өсөнсө йыл рәттән лидерлыҡты бирмәйҙәр. Дүртенсе урында - Адыгея, бишенсе - Краснодар крайы. Әгәр оҙон ғүмерле, ауырымай, сирләмәй йәшәргә теләйһегеҙ икән, шунда күсеп китергә кәрәк. Сөнки был илдәрҙә халыҡ сәләмәт йәшәү рәүешен нығыраҡ алып бара. Ә бына Башҡортостан 29 урында. Ярай әле исемлектең аҙағында түгелбеҙ, беҙҙең төбәктә йәшәүселәргә ҡарағанда ла сәләмәтлектәре мөшкөлөрәктәр бар, тип ҡыуанайыҡ. Иң аҙаҡҡы урында - Камчатка, унан бер баҫҡыс алда - Йәһүд автономиялы өлкәһе, ә инде арттан өсөснсө урында Магадан өлкәһе килә. йыл 28 урында булғанбыҙ. Бер йылда республика бер баҫҡысҡа күтәрелде. Эксперттар күпме кешенең спорт менән шөғөлләнеүен, эсеүен, тәмәке тартыуын, шулай уҡ иҫерек килеш йәки наркотик матдәләр тәьҫирендә күпме енәйәт ҡылыныуын, спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланыуҙар һанын баһаланы. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн сәғәт биштәр тирәһендә баш ҡалалағы һыу ятҡылығында халыҡ алдында 20 йәшлек егет батып үлгән. Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, егет тыйылған урынға һыу инергә төшә. Мәғлүм булыуынса, Ағиҙелдең “Ҡояшлы” пляжынан өҫтәрәк ерҙә рельефтың ҡапыл төшкән урындары бар. Шаһиттар ҡотҡарыусыларға егеттең батҡаны тураһында хәбәр иткәнсе, ул һыу өҫтөнән юғалған була. Әле лә кәүҙәһен тапмағандар, урында водолаздар эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек ошондай фажиғәле хәлдәр теркәлеп тора. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр әле һаман “был беҙҙең менән булмаҫ” тип уйлап, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй. Һөҙөмтәлә бындай ғәмһеҙлектең хаҡы ҡайтарып алғыһыҙға әйләнә... Һаҡ, иғтибарлы булайыҡ! Фото "Башинформ"дан алынды Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/K-m-k-keshe-aldinda-bat-an-329409/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Районға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килеп китте. Тәүҙә Әминә Ивний ҡыҙы граждандарҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итеп, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Артабан ул мәҙәниәт учреждениеларын ҡараны. Районға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килеп китте. Тәүҙә Әминә Ивний ҡыҙы граждандарҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итеп, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Артабан ул мәҙәниәт учреждениеларын ҡараны. Министрҙа мари милли үҙәге һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Артабан Балалар музыка сәнғәт мәктәбендә, Мишкә үҙәк китапханаһында булды. Китапханала ул китап фонды күләме, бөтә үҙәк китапхана системаһы эше, уҡыусылар менән бәйләнеш, үткәрелгән саралар һаны менән ҡыҙыҡһынды. Уны бирелә китаптарҙың күп булыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең әленән-әле төрлө саралар үткәреүе һоҡландырҙы. — Әлегә тиклем республикала башҡа ерҙә бындағы кеүек тормош ҡайнап торған урынды күргәнем булманы шикелле, — тине Әминә Шафиҡова. Быға дүрт моделле ауыл һәм бер үҙәк моделле китапхананың тырышып эшләүе асыҡ миҫал булып тора. Үҙәк китапханала мәҙәниәт министры Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “100 иң яҡшы башҡорт китабы” республика акцияһында ҡатнашты. Ул тантаналы рәүештә 1-се мәктәп-лицейҙың X класс уҡыусыһы Ксения Лобоваяға 2017 йылдың иң яҡшы китап уҡыусыһы булараҡ Почет грамотаһы тапшырҙы. Район Мәҙәниәт һарайында ла Әминә Ивний ҡыҙын йылы ҡаршы алдылар. «Эрвел» халыҡ бейеү ансамбле үҙенең яңы бейеүҙәренең береһен — «Рвезылык»ты («Молодежный») башҡарҙы. Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре уға ҡыҫҡаса ғына үҙҙәренең уңыштары һәм булған проблемалар тураһында һөйләне. Министр артистарға ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Әминә Ивний ҡыҙы осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды, бейеүселәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә мари халҡы традицияларын һаҡлаған өсөн рәхмәт әйтте. Район Мәҙәниәт һарайы һәм «Эрвел» халыҡ бейеү ансамбле уға ансамблдең юбилей концерты яҙылған диск һәм үҙҙәре тураһында китап-буклет бүләк итте. Әминә Шафиҡованы эш сәфәрендә район хакимиәте башлығы Р. Мусин оҙатып йөрөнө. Вениамин Кондогин. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Кескәй принцтар һәм принцессалар балы” ойошторолдо. Ҡала мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Кескәй принцтар һәм принцессалар балы” ойошторолдо. Сараға саҡырылған балалар байрамда үҙен иң ҡәҙерле ҡунаҡ итеп тойһон өсөн бик күп күңел йылыһы һалынды. Мәҙәниәт һарайына килеп инеү менән төрлө әкиәт геройҙары ҡаршыланы, “Антураж” театр-студияһында шөғөлләнеүсе тиҫтерҙәре һәр береһен иғтибарға күмде. Ҡаршы алығыҙ, ошондай исемле принц йәки принцесса килә тип, ҙурлап иғлан итеп, кескәй ҡунаҡтарҙың күңелен үҫтерҙеләр. Мәрхәмәтле сараға район һәм ҡаланан ата-әсәләре менән йөҙләп бала саҡырылғайны. Балды муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова асып, ата-әсәләргә тәрән рәхмәтен әйтте, балаларҙың барыһына һаулыҡ, күңел көрлөгө теләне. Район хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ижади коллективтар тырышлығы менән ойошторолған үҙенсәлекле байрамды изге йолаға әйләндерәсәкбеҙ, тине ул. Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында башланғыс алған мәрхәмәтле бал 8 Март байрамы алдынан Өфөлә үткәйне. Унда республиканан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 250 ҡыҙ бала ҡатнашҡан. Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы, бындай сараның Ишембай өсөн тәүге тәжрибә булыуын һәм байрамға малайҙар – принцтар ҙа саҡырылыуын билдәләне. Балалар, өй стеналары менән генә сикләнеп, тиҫтерҙәре менән аралашыуға, үҙҙәрен йәмғиәттең тулы ағзаһы итеп тойоуға мохтаж булып ултырырға тейеш түгел. Бик матур театрлаштырылған тамаша ла әҙерләнгәйне, уны күңелле бейеүҙәр алмаштырҙы. Башҡорт кадет корпусы егеттәренең ҡыҙҙарҙы бейеүгә саҡырған мәле күңелгә ятышлы, бик матур күренеш булды. Ихлас аниматорҙар, ирекмәндәр байрамға килеүсе бәләкәстәрҙең күңеленә асҡыс таба, иң йылы тойғолар уята алды. Ситтән күҙәтеп кенә ҡалмай, күптәре йырсыларға ҡушылып бейене, фойе күңелле йыр-бейеүҙәрҙән гөрләп торҙо. Балға килгән принц һәм принцессаларға билдәле “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң сығышы ла бик матур бүләк булды. Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, уларҙың ошо кис мәҙәниәт һарайында концерты ине. Билдәле артистарҙың сығышын олоһо ла, кесеһе лә яратып ҡабул итте. Балалар байрам һуңында тәмлекәстәр менән сәй эсеп, бүләктәр алып таралышты. Ә иң мөһиме – осрашыуҙан ҡалған тойғолар. Күңелдәрен йылытып, тормоштарын бөтәйтеп торор улар. Фото: Ирина Вахонина Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Смбайҙа "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолған мөнәжәт әйтеүселәр араһында VIII төбәк-ара конкурс 16 октябргә тиклем онлайн-режимда бара. Һайлап алыу туры видеояҙмалар буйынса 8-9 октябрҙә, шулай уҡ, онлайн форматта уҙасаҡ. Еңеүселәр 16 октябрь гала-концертта сығыш яһай.Конкурс ике йәш категорияһында (17 йәшкә тиклем, 18 йәштән өлкәндәр) яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында үтә. Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Унда өс номинация: мөнәжәт әйтеү, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу. Һәр ҡатнашыусы төрлө характерҙағы ике әҫәр башҡара. Мөнәжәт әйтеүселәр араһында VIII төбәк-ара конкурс 16 октябргә тиклем онлайн-режимда бара. Һайлап алыу туры видеояҙмалар буйынса 8-9 октябрҙә, шулай уҡ, онлайн форматта уҙасаҡ. Еңеүселәр 16 октябрь гала-концертта сығыш яһай. Конкурс ике йәш категорияһында (17 йәшкә тиклем, 18 йәштән өлкәндәр) яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар араһында үтә. Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Унда өс номинация: мөнәжәт әйтеү, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу. Һәр ҡатнашыусы төрлө характерҙағы ике әҫәр башҡара. Конкурстың маҡсаттары: милли мәҙәниәттең һирәк башҡарылған жанрын һаҡлап ҡалыу; мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен иң оҫта башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү; мөнәжәттәр башҡарыуға һәм уны тергеҙеүгә йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеү; йәштәрҙә эстетик зауыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү. Сараның сиктәрендә 16 октябрҙә онлайн режимда «Мөнәжәт һәм нәсихәттәрҙең үҫеп килгән быуынға йоғонтоһо» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелә. Ойоштороусылар —Сибай ҡалаһы хакимиәте, Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, Сибайҙың Ағинәйҙәр ҡоро, Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте.
Беҙ яратып ашаған ҡарбуздың ғүмере бик һанаулы. Ә күптәр был тәмлекәсте Яңы йыл табынында күрергә хыяллана. Әйҙәгеҙ, байрам табынына ҡарбуз һаҡларға өйрәнәйек... Яңы йылға - ҡарбуз! Беҙ яратып ашаған ҡарбуздың ғүмере бик һанаулы. Ә күптәр был тәмлекәсте Яңы йыл табынында күрергә хыяллана. Әйҙәгеҙ, байрам табынына ҡарбуз һаҡларға өйрәнәйек. Бының өсөн ҡарбуздың 4-5 кг артмағанын һайлап алығыҙ. Уның тышында бер ниндәй ҙә боҙолған, сыйылған, йәмшәйгән урыны булмаҫҡа тейеш. Туп кеүек шып-шыма, матур ҡарбуз булһын. Һуң өлгөргән сорттарҙы һайлағыҙ, уларҙың ҡабығы ҡалын була. Ҡарбузды ҡараңғы, яҡшы елләтелгән, һалҡынса урында (+5,+8) һаҡларға кәрәк. Уны элеп тә һаҡларға була. Икенсе ысул – һалам араһында һаҡлау. Бының өсөн баҙҙағы кәштәләргә һалам түшәйбеҙ һәм ҡарбуздарҙы уларҙың араһына күмеп ҡуябыҙ. Йорт йәки фатир эсендә һаҡлау өсөн йәшниктәргә ҡоро ҡом һалабыҙ һәм ҡарбузды һабағы менән аҫҡа һалабыҙ. Өҫтөнә лә тулыһынса ҡом һалабыҙ. Әгәр бер нисә ҡарбузды һаҡларға уйлаһағыҙ, улар бер-береһенә төкөмәй ятырға тейеш. Әйткәндәй, ҡомдо тулыһынса иген алмаштыра ала. Шәхси хужалыҡтарҙа йәшәгән кешеләр өсөн, тимәк, ҡарбузды һаҡлауы бик еңел. Бының өсөн уны иген араһына һалып ҡуйырға ғына кәрәк. Ҡарбузды һалҡын һыу, балсыҡ, парафин эсендә һаҡлаған кешеләр ҙә бар. Һәр кем үҙенә оҡшаған ысулды һаҡлап, Яңы йыл табынын ҡарбуз менән төрлөләндерә ала.
Уртаҡ уйҙар, хыял-маҡсаттар менән йәшәлгән Халыҡ әйтмешләй, ваҡыт аҡҡан һыу кеүек һиҙелмәй генә уҙа ла уҙа икән. Ә бит 1995 йылда I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙыуы башҡорт халҡы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ бик мөһим ваҡиға булды. Быға тиклем сит өлкәләрҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнеш юҡ кимәлендә, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре бер урында тапанып тора, тарихыбыҙҙы өйрәнеү һәм үткәндәрҙән фәһем алыу бер тыйылғаныраҡ темаға әйләнеп бара ине, ауылдарҙа һәм хатта бәләкәйерәк ҡалаларҙа ла мәктәптәр етешмәне, башҡорт телен балалар баҡсаһынан алып өйрәнеү юҡ кимәлендә, халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен өйрәнеү һәм шәжәрәңде белеү ул ваҡыттағы йәш быуынға ят бер күренеш кеүек кенә ине... Башҡорттарҙың тәүге ҙур форумында ҡатнашҡан Бәләбәй делегацияһын ҡала мэры Риф Ғәзизов етәкләне. Унан башҡа ҡоролтайға «Автонормаль» заводының генераль директоры Әхсән Әҙелгилдин һәм прокурор Ризуан Хафизов барҙылар. Ҡоролтайҙа үрҙә аталған һәм башҡа бик күп проблемалар сығыштарҙа асыҡтан-асыҡ күтәрелде. Әйтергә кәрәк, бында беренсе президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың һәм Хөкүмәтебеҙҙең эшмәкәрлеге иң юғары баһаға лайыҡлы. Бөтә республика буйынса проблемаларҙың хәл ителә барыуына туҡталмайынса, үҙебеҙҙең Бәләбәй ҡалаһы һәм районы тураһында бер бик мөһим миҫал килтерәм. 1990 йылдың июнь айында уҙғарылған һабантуйҙа башҡорт милли үҙәге вәкилдәре бергә йыйылышып ултырғанда, Булат ағай Йәнекәев бер нәмә лә эшләмәһәк, был яҡта башҡортлоҡ бөтә бит, тип бик асынып, хафаланып һөйләп алды ла хөкүмәткә Бәләбәйҙә башҡорт балалары өсөн ошо төбәктә (Миәкә, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы һәм Бәләбәй райондары) интернат асыу тураһында мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте. Биш йыл дауамында тапалды юғары урындарҙағы тупһалар. Шул уҡ Булат Йәнекәев М.Ғ. Рәхимовҡа 2-3 тапҡыр барҙы, уның менән бергә Ризуан Хафизов, Риф Ғәзизов бик актив йөрөнөләр. Мин дә 1995 йылда Бәләбәй районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайына етәкләгәс, Бөтә донъя башҡоттары ҡоролтайынан беҙҙең теләкте яҡлап сығыуҙарын үтенеп мөрәжәғәт иттем. Шулай, беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарары ла булғас, ниһайәт, 1996 йылда буш торған дүрт ҡатлы дөйөм ятаҡта башҡорт гимназия-интернаты асылды, ә 2008 йылда ул ысын мәғәнәһендә ҡурсаҡ кеүек бинаға күсте. Ә Булат Йәнекәев шул ваҡытта 1-се музыка мәктәбендә ҡурай класы асып ебәрҙе. Хәҙер Бәләбәй ҡурайсылары, «Дарман» ансамбле республика кимәлендәге конкурстарҙа лауреат булып йөрөй. Башҡорт телен балалар баҡсаларында ла өйрәнә башланылар: Бәләбәйҙә – «Ҡайынҡай», Приютта «Талҡай» баҡсаларында. Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү киң ҡолас алды, Бәләбәй Мәғариф идаралығы методисы Ләлә Нур ҡыҙы Ғилфанова бик яҡшы эшләне. I ҡоролтай шундай көслө йүнәлеш бирҙе, хатта 2006 йылдың 19 майында беҙҙең Бәләбәйҙә башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау, шәжәрә байрамдарын уҙғарыу буйынса тәжрибәне өйрәнеү өсөн төньяҡ-көнбайыштағы 20 район вәкилдәре килде, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе һәм президиумы ағзалары ҡатнашты. 2007 йылда республикала ҡоролтайҙар араһында беренсе булып бәләбәйҙәр шәжәрә байрамдары тураһында «Возрождение к истокам» тигән йыйынтыҡ баҫтырҙыҡ. Хөкүмәт яғынан яҡлау табыуыбыҙҙы һәм ҡоролтай эше буйынса яуаплы булған Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов, унан һуң Илдус Ғөбәйҙулла улы Илишевтарҙың күңелдәрен биреп эшләүҙәрен билдәләп үтке килә. Ләкин беҙҙең Рәсәйҙә һикәлтәле юл үтмәйенсә, бер нәмә лә эшләнмәй. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2015 йылдың 20-22 ноябрендә уҙҙы. Унда Ҡоролтай рәйесе Румил Аҙнабаев ул замандарҙа уҙғарылған оптималләштереүҙең емергес һөҙөмтәләре арҡаһында мәктәптәр, фельдшерлыҡ пункттары юҡҡа сыҡҡанлыҡтан ауылдарҙан халыҡтың күпләп ҡалаға күсә башлауы хаҡында һөйләне. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов быларҙы тыңлап һәм ишетеп ултырҙы һәм «оптитмизацияға бик иғтибарлы буласаҡбыҙ», тип белдерҙе, әммә әйтелгәндең киреһе эшләнде. Бына шулай гөрләп барған эш һәм урындағы инициативалар ҡапҡанға эләкте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эше күп ҡаршылыҡтарға дусар ителде. Хәҙер бөтә ышаныс хөкүмәтебеҙгә һәм республиканың яңы Башлығына. Сәлих Хәйруллин, Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Редакциянан. Быйыл апрелдең һуңғы көнө ҡайғылы хәбәр килтерҙе: халҡым тип янып йәшәгән, Бәләбәйҙә башҡорт гимназия-интернаты асылыуға күп көс һалған, 300-ҙән ашыу йырҙар авторы, ҡурайсы, йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Булат Һиҙиәт улы Йәнекәев 78 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән. Ауыр тупрағы еңел, ятҡан гүрҙәре яҡты булһын! Бәләбәй төбәге халҡы уның матур ғәмәлдәрен онотмаҫ. Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Был матур тамашала ҡатнашыусылар ролендә мәҙәниәт учреждениелары, мәктәп һәм балалар баҡсалары, Пионерҙар йорто хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны, улар сәхнәлә үҙ костюмдарын күрһәтте. Артабан бөтә тылсымлы әкиәт геройҙары сағыу флешмоб ойошторҙо, был байрам карнавалын өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һоҡланып ҡараны. Хатта уҙып барыусылар ҙа шул тиклем күп Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙарҙың күңелле музыкаға оҫта баҫып бейеүҙәрен ғәжәпләнеп күҙәтте. Һауаға бер-бер артлы төҫлө шарҙар осоролдо, әкиәт геройҙары балаларға кәнфит таратты, ҡыҫҡаһы, һәр ерҙә Яңы йыл кәйефе тантана итте. Парадта ҡатнашыусылар ауылдың үҙәк урамы буйлап үтте. Тамашасылар улар менән бергә төп урман һылыуы һәм Ҡыш бабай резиденцияһында фотоға төштө. Бөйөк Устюг беҙҙән алыҫта булһа ла, мөғжизә тыуҙырырға кем ҡамасаулай һуң! Бары тик уға ышанырға һәм бер-береңә күберәк шатлыҡ өләшергә һәм тормоштан йәм табып йәшәргә генә кәрәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иң күп алкоголиктар Чукотка автоном округында икән. Унда һәр ун мең өлкән кешегә 29 алкоголик тура килә (уларға шундай диагноз ҡуйылған). Икенсе урында — Яҡутстан (һәр ун мең кешегә 23 пациент), уларҙан ҡала Ненец автоном округы ( ун мең кешегә 20 пациент). Һәр унынсы яңы сирле-алкоголик Пермь крайы, Башҡортостан, Татарстан, Пенза өлкәһендә йәшәй. 2018 йылда алкоголде күп ҡулланыу арҡаһында ярҙамға мохтаж ике миллиондан ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән, 76 мең кешегә тәүге тапҡыр «алкоголизм» йәки «алкоголь психозы» диагнозы ҡуйылған. www.ye02.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
(Сәғирә Шәрәфетдинова 1963 йылдың 28 мартында Белорет районының Шығай ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы мәктәптә пионервожатый булып башлай. Хәҙерге ваҡытта "Өлкәр" милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе. Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Хикәйәләре район, республика матбуғатында даими баҫылып тора. 2019 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.) Таң һарыһынан тороп ашап өй­рәнгән Сәғитйәндең бөгөн тамағына аш барманы. Һөткә генә бешерелгән бутҡаны сир­ҡанғандай ситкә этеп үк ҡуйҙы. Һике аҫтында йәшереп тотҡан араҡыһына тоҙ һалып эсергә уйлағайны, шешә бөкөһөн асыу менән еҫенә уҡшыны. Бейек болдорҙан тышҡа сығып та өлгөрмәне, эстәгеһен аҡтарып ҡоҫто. Бының менән генә бөтмәне, уҡшыуы баҫылманы. Эске ағзаларын һелкетеп уҡшыған мәлдә Сәғитйәндең арҡа буйы тартышты. Һуңғы көсәнгәнендә эре-эре ҡанлы киҫәктәр сыҡты. Ҡатыны күрмәгәндә һөртөп ҡалырға, тип сепрәк эҙләне. Теге сәйер ҡан киҫәктәрен ышанмағандай таяҡ менән төрткөләп ҡараны. Йән­тәс­лимгә арҡаһын кирә биреп тура баҫты. Болдор ҡанатына һөйәлеп: – Рәттең китеүе ошо микән? – тип ҡуйҙы. – Нимә нишаналай үҙ алдыңа һөй­ләнеп тораһың? – Ғәлимәһе эргәһенә сығып баҫҡан икән. Алҡымына тығылған төкөрөктө йота алмай торған Сәғитйән өндәшмәне. Ҡа­тынының ҡайтанан-ҡайта һорап йонсотоуынан арып: – Донъя тигәндең рәте китеп бара икән, тием. Иренең ауыҙынан һүҙ сыҡҡанын көтөп кенә торғандай, Ғәлимә элә һалып алды: – Китер шул. Ун йыл бер ергә сөй ҡаҡҡаның булдымы? Уның ҡарауы Рәфҡәттең, Ишмораттың донъяларын бөтәйттең. Ҡай еренә баш тыҡма, шыңғырлап тора. Кем ярҙамға мохтаж, шуға саптың. Көллө йөмлә йортҡа оҫта булғасың, йөрөнөң дә йөрөнөң. Рәте киткән, имеш, китер шул. Ҡатыны бармағын бөгөп, иренең кемгә өй бөтөрөшкәнен, кемгә мейес һалғанын һәм башҡа бихисап эшен һанарға керешкәйне, әмәлгә ҡал­ғандай өйҙә телефон шылтыраны. Ғәлимә дарҫ-дорҫ баҫып өйгә инеп китте. “Эй бисә, бисә, хәбәремдең айышына ла төшөнә белмәнең шул. Мин берҙе һөйләйем, һин икенсене тылҡының. Мин “бар” тинем, һин “юҡ” тинең. Донъяны ни, емерелһә, төҙәйтергә мөмкинлек була. Малы таралһа, ҡайтанан йыяһың. Ап­тырарлыҡ нәмә тапҡаның икән”, – Сәғитйәндең эсендә ниндәй ут көйрәгәнен белһә икән Ғәлимә... Ул алыҫтағы йәйрәп күренгән ҡара күгелйем тауҙар теҙмәһенә ҡарап байтаҡ уйланып торғас, дымлы күҙҙәрен ҡул һырты менән һыпырып, картуф баҡсаһына йүнәлде. Индектең ҡыйшайған бағаналары төбөнә эре-торо таш ташып һалды, унан тупраҡ килтереп төйгөсләне. Серегән һайғауҙарын ысҡындырып “ҡыйғыламта”ға тураҡланы, улары урынына яңыларын йышлап ҡаҡты. Ҡатыны әллә нисә сығып, әллә нисә һөрәнләһә лә, ашарға инмәне. Эшен тамамлағас, бағаналарҙың ныҡ­лығын ҡабаттан тикшерҙе: “Үлем тейгеһеҙ үк булмаһа ла, минән һуң да байтаҡ торорһоғоҙ әле”. Сәғитйән утынлығына ҡарай уҙҙы. Күҙ бәйләнгәнсе ярылған утынын өйҙө. Иренең көн оҙоно өй эшен эш­ләгәнен ирәйеп күҙәткән Ғәлимәнең кәйефе күтәренке. Ул өҫтәл тултырып ризыҡ әҙерләгән. Сәғитйән киске ашҡа ултырһа ла, ҡоротло һурпанан башҡа ризыҡҡа йоғонманы. – Атаҡ, атаҡ, шул да булды микән тамаҡ?! Бот сабып аптыраған ҡатынына бер ни өндәшмәне. Көн оҙоно төйөр ризыҡһыҙ эш арытҡайны уны. Ти­ҙерәк ятҡыһы килде. Ҡапылғара йоҡлай алмай хитланды. Таңға ҡарай төшөндә мәрхүм атаһын күрҙе. Иртәнсәк йоҡонан асығыу тойғоһо менән уянһа ла, киске аштың һурпаһын ғына һөрпөлдәтеп эсте. Ҡатыны күрмәгәндә һалмаһын малға тип йыйылған ашлы һыуға ауҙарҙы. Көнөн ихатаһындағы элегерәк ҡулы етмәгән эштәрҙе эшләп уҙғарҙы. Мал-тыуар бикләгән аҙбарын йүнә­тештерҙе. Ҡапҡа буйындағы сәскә­леккә ағас төпһәләренең эсен яндырып уйҙы, эстәренә тупраҡ тултырҙы. Сирләүенең унынсы көнөндә Сәғитйән болдоронда аңын юғалтты. Ике ҡатын гәпләшкәне иҫенә килтерҙе. Һүҙ алдырмай хәбәр сурытҡанын үҙ ҡатыны икәнен шәйләне. Тегеһенең дә тауышы таныш кеүек. Уның ауыҙынан больница һүҙен асыҡ ишетте. Фельдшер булһа кәрәк. Янбашының семетеп ауыртҡанлығын һиҙеп, үҙенә укол ҡаҙағандарын аңланы. Тауыштар тынды. Ғәлимәһе яңғыҙ ҡалды, ахыры. Ҡыштырлап Сәғитйән эргәһенә уҙҙы. Ҡатынының ҡараштарын һәр кү­ҙәнәге менән тойған ирҙең кер­пектәре дерелдәне. – Сәғитйән, Сәғитйән, тием, ҡа­пылайымға ятып китһәң, мин ҡа­лайтырмын шан? – Ғәлимә һеүҙәп иларға кереште. Тамам зиһене асылған ир күҙ йомоп ятыуын хуп күрмәне, телгә килде: – Иртәгә торормон! Үҙе әйткәнсә иртүк торҙо Сәғитйән. Йорто тирәһендә әйләнгеләне. Лапаҫ аҫтында төптәрәк ҡоро таҡталар тот­ҡан урынға инде. Уныһын-быныһын ҡалҡытып ҡараны, үҙенә кәрәклеһен тапманы. Эшкә ашҡандай таҡталар ҡалмағайны. Ул-был йомоштарын тапҡан булып, ҡатынын ҡалаға ышалап-ҡыуып тигәндәй ебәрҙе. Көндән-көн ҡыу ағастай ҡыуарып, һүнеп барғанлығын аңлағайны Сәғитйән. Шуға ашыҡты. Әле лә, күктән бойороҡ ишеткәндәй, ҡапылайымға ултырған еренән һикереп торҙо ла, таралып барған кәүҙәһен ныҡ тоторға тырышып, күршеһе Әхиәргә йүнәлде. Сәғитйән мөсһөҙ тауышы менән күршеһе Әхиәргә өндәшеп өл­гөрмәне, уныһы әмәлгә ҡалғандай өйөнән үҙе килеп сыҡты. Сәғит­йәндең үҙенә юл тотҡанын тәҙрәһе аша күрҙе булһа кәрәк. Күршеләр бер-береһе менән әллә ни ҡатышып йәшәмәгәс, көт­мәгәндә үҙенә килеп инеүе Әхиәрҙе һағайтты. Тегеһе лә һүҙ осон ҡайҙан башларға белмәй хитланды. Ихата тулы келән итеп өйөлгән ҡалын таҡталарға ымлап, һатырғамы, тип һораны Сәғитйән. – Миңә иллелеккә биш-алты таҡ­таңды, бер нисә йоҡағын арт­тырмаҫһыңмы? – Ул ғынаны ни итәң? – Кәрәгемә кәрәк инде. Әхиәр көлөмһөрәне : – Ул сама таҡтаны минән ләхетлек өсөн һатып алалар. Сәғитйәндең йөрәге тертләне. Әхиәр, әйтерһең, уның уйҙарын үтәнән-үтә уҡып торғандай. – Әйтәм дә, кәрәгемә кәрәк, тип. Кем белә, донъя тигәнең бөгөн былай, иртәгә тегеләй. Юҡ-юҡта ла әлләмәгә айҙанып китә, – тип әйләндереп әйтә ҡуйҙы Сәғитйән. Әхиәр таҡта өйөмөнә йәнә күҙ йүгертте. Иңбашын һикерткеләй торғас: – Хаҡы ла, ағас-таштың, әйтәм, буйтым артты бит әле, – Әхиәр, кәрәкме, кәрәк түгелме, ауыҙын ҙур асып иҫнәне. – Ярай, бөхөлдәнмә. Биш таҡтаңа йәнең сыҡмаҫ. Күпме һорайһың, шуны бирәм, – өҙөп кенә шулай тине лә, Сәғитйән башын эйеп, сығыр яҡҡа атланы. Ябығып, яурындары төшөп, иллегә етмәгән көйө ҡапыл ҡарт бабайҙар сырайын алған күршеһенең артынан сәйерһенеп ҡарап ҡалды Әхиәр. Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА. (Дауамы бар). “Тора, ни биререн, ни бирмәҫен белмәй. Ләхеткә һатам, имеш. Ҡалай шәп! Йәшәп-йәшәп тә ләхеткә таҡта һатып биргәндәрен ауылда бер Әхиәрҙән ишетеүем! Сәғитйәндең донъяһын бөтәйтергә тип йыйған ағас-ташы ҡайҙа булып бөткән тиһең, ана шул ләхеткә, ҡайҙа табутҡа китеп бөткән. Һата, имеш. Байырһың инде биш таҡтаң менән. Әлдә үҙем дә ләхеткә, тип ысҡындырмағанмын.” Ник барған көнгә, тыуғанына үкенде Сәғитйән. Әлеге донъя тигәнең ҡаҡмаҫ ишектәреңде ҡаҡтыра шул, тип йәне үртәлеүенә сыҙаша алмай, ҡара көйөк булып, һуңғы ваҡытта йышайған лапаҫы аҫтына уҙҙы. Ярты сәғәттән Әхиәр бәләкәй тракторына тағылған “воровайка”һынан күршеһенең ҡапҡа эсендә таҡта бушата ине. Сәғитйән өндәшмәй генә биш меңлекте күршеһенә һуҙҙы. Тегеһе ҡыҙыл аҡсаны улай-былай ҡыштырлатып әйләндергеләне лә, кеҫәһенә тыҡты. Сырайы яҡтырған хужа өйөнә инеп электр сәйнүген шырҙатты. Сынаяҡҡа иҙелгән ҡорот һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойҙо. Һары май ҡушып болғаны. Шулай тамағына еңелерәк үткәндәй була. Бер аҙға күңел болғаныуы баҫылды. Сәғитйән ҡатыны ҡайтып инмәҫ элгәре тип, булған хәселен һалып, эшкә тотондо. Ҡәбер соҡорон һолға үлсәгәндәй күҙ алдына килтерҙе. Таҡталарҙың ләхеткә тигәндәрен сама менән тураны. “Соҡорҙоң оҙонлоғон ике метрҙан арттырмай торғандар. Сама менән етергә тейеш. Ярым табутҡа йоҡағы етеңкерәмәҫ, шәйт. Етмәһә ней, зыян юҡ. Әлләгем итеп елкәләренә һалып апармаҫтар. Ятҡан таҡтаһында ятыр. Йыуып-тәрбиәләгәс кирегә ауҙарып тормаҫтар, шул килеш ат арбаһына күсерерҙәр. Үлгәс, күтәр ни ҙә, күтәрмә ни”. Һөйләнә-һөйләнә үҙе мәрхүм булғас, ята торған таҡтаны йышты Сәғитйән. Донъяһы килтереп кәккәс, нишләһен, берәүҙең дә ҡулы бармаған эште ир үҙ-үҙенә башҡарып йөрөй. Әжәленең түҙемһеҙләнеп эргәлә көтөп йөрөгәнен белә. Шуға ашыға. Саҡ ҡына күҙ-баш алғас, ләхеткә тип әҙерләнгән таҡталарын бер тирәгә ташыны, ҡырына үҙе ятасаҡ таҡтаны һөйәне лә, ҡапылғара күҙгә салынмаһын типме, брезент менән ҡаплап ҡуйҙы.Унда-бында осҡан тап-топто йыйҙы, таҡта онтаҡтарынан эргә-тирәне таҙартты. Быуындары ҡороп, диванға арманһыҙ тәгәрәһә лә йоҡоһо килмәне. Келт итеп иҫенә бура төштө. Әлүктән минең өсөн ҡарағас һынлы ҡыҙыл ағасты йыҡтырыуын-йыҡтырып ҡуймаҫтар. Лесник Фәррәх зирәк кеше. Әле берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡҡаны юҡ. Сәғитйән был тарафтан тыныс. Лесниктың нимә әйтерен дә ятлап бөткән. “Төпкәрәк инеп алығыҙ, тир, зыяратты бысратып, унда әрсемәгеҙ, тир, урынында турап, әрсеп, ҡабығын өйөп китегеҙ, тир”. Бер аҙ күңеле күтәрелгәс, Сәғитйән ойоно. Уянғанында тышта күҙ бәйләнер мәл еткәйне. Өйгә тәмле еҫтәр таралған. Аш-һыуға маһир ҡатыны һәр төрлөһөн өлгөртөп кенә тора. Ҡана, тор ҙа, аша ине. Әле ике аҙна элек икмәкте бүҫерә тешләп ашаған кеше, бөгөн ризыҡ еҫенән биҙеп ултырһын әле. Ашамай, ризыҡты этеп сәсрәтә баҫып сығып киткәндәре булманы түгел, булды. Донъя тигәнеңдең әйләндереп һуғырын белгән булһа икән Сәғитйән. Өйгә ут алғас, фельдшер Гөлгенә килде. Юллама килтергән икән. Сәғитйәндең ҡан баҫымын үлсәне. Махсус ҡалағын тығып, тамағы төбөн ҡараны. Арҡаһына әйләндереп, ҡулдарын ирҙең умыртҡа һөйәге тирәләй һаҡ ҡына эшкә ҡушты. Йәш ҡатындың йомшаҡ ҡулдарынан Сәғитйәндең тәне дерелдәне. Аһ, ҡатын-ҡыҙ ҡулы! Ҡалай нәзәкәтле, йомшаҡ. Ул ҡулдарҙың үҙенә ҡасан ҡағылғанын онотҡан Сәғитйән. Был тәңгәлдән ҡатыны ҡырыҫыраҡ булды. Иркә-наҙға үҙе лә атлығып торманы ниңәлер, тартынды. Бөгөн килеп, ҡатын-ҡыҙ ҡулдары ҡағылыу менән йөрәгендә әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәр ҡайнашты. Көрәктәй усына һалып, һалҡынса бармаҡтарҙы йылытҡыһы килде. Арҡаһынан оҙон-оҙаҡ йөрөүен теләне. Сир ғазаптарын саҡҡа ғына онотоп уның йәне лә, тәне лә иҙрәне. – Сир диагнозын белмәгәс, мин һеҙгә аныҡ ҡына дарыуҙар бирә алмайым. Иртәгәнән ҡалмай барығыҙ, ағай, балнисҡа, – тип үтенде фельдшер, йәшкелт күҙҙәрен Сәғитйәнгә төбәп. Уйҙарынан оялғандай, Сәғитйән йәш ҡатынға күтәрелеп ҡарамай ғына, ярай, тигәнде аңғартып баш ҡаҡты. Иртәгәһен балнисҡа бармайым, тип аяҡтарын арҡыры терәп ҡарышҡан Сәғитйәнде Ғәлимәһе ай-вайына ҡуймай, машина яллап ҡалаға алып китте. Көндө кискә ауҙарғансы тигәндәй кәрәкле кабинеттарҙы ла, узи-рентгенттарҙы үтеп бөттөләр. Табип, бер ниндәй сирегеҙҙе тапманыҡ, үпкәгеҙ таҙа, ашҡаҙанығыҙ бүренеке кеүек, тип сығарып ебәрҙе. Тамаҡтан үтмәй бит, тамаҡ рәнйеүе, ахыры, тип кире ҡайтарып әйтә алманы Сәғитйән. Белгестәр, бәлки, ысынлап та беләлер. Күңелендә остоҡ ҡына өмөт ҡабынды. Юлайҡан кәфенлек алып ҡайтырға, тип уйлаған уйынан кире дүнде. Ысынында онкология бүлеге мөдире дөрөҫөн әйтмәгәйне. Пациенттың сире аҙғанын һәм медицинаның был тәңгәлдә көсһөҙ икәнен тәжрибәле табип ишектән ингәс тә үк аңғарғайны. Балнистан ҡайтҡан көндө Сәғитйән шәбәйгәндәй булып, мунсаһының серегән бер баҙын алыштырҙы. Үҙенең ҡыл өҙөрҙәй хәле ҡалмаһа ла, ихтираз булып ятҡыһы килмәне. Әленән-әле ятҡан еренән тора һалып нимә менәндер булышырға тырышты. Бер көн соланының бейек болдоронан күгәреп ятҡан тауҙар теҙмәһенә ҡарап уйланып торған еренән кинәт йырлағыһы килде. Ә бит Сәғитйәндең тауышы юҡ түгел ине. Мәктәптә уҡығанда “Зарница” уйынында уны гел “запевала” итә торғайнылар. Йәш саҡтарҙа ла төндәрен егеттәр менән ҡойма буйында йырлап ултырыуҙары үҙе бер ғүмер була торғайны. Беләме ул йырҙы, белмәйме, әйҙә, Сәғитйән, һин башла, тигән булырҙар ине дуҫтары. Һай, ғүмер... Әллә күпме клуб сәхнәһенә саҡырҙылар. Арҡырыһы сығып, унда ла йөрөмәне. Хәтирәләренә бирелеп, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Тәгәрәне, тәгәрәне, тәгәрәне ҡыҙыл алмалай ғүмер, тәгәрәне, тәгәрәне тоталманым, ғүмер бит алма түгел”, – тип яратҡан йырын һуҙмаҡсы булғайны, тамаҡ төбөнән ғырылдап йән иңрәткес ауаз сыҡты. Сәғитйән тауыштан ҡалғайны. Күҙҙәренә йәш төйөлдө. Иламаҫлыҡмы, тауышы бөткәс, хәҙер килеп күңеленә ойотҡо һалып тора, имеш, берәү. Их, донъя тигәнең! Һуңғы өс көндө Сәғитйән йоҡлап тигәндәй уҙғарҙы. Йоҡо аралаш, баҫлыҡтымы әллә төшө боларыуы булдымы: “Йомаға етергә тейешмен, йомаға”, – тип шыбырҙаны. Фельдшер ҡаҙаған уколданмы әллә бүтән сәбәптәнме, Сәғитйән кесе йомала үҙендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Ғәлимәһенән мунса яҡтырып, йыуынып алды. Һаҡал-мыйығын ҡырҙы. Тырнаҡтарын киҫтерҙе. Түшәк-яҫтарын алыштырыуын үтенде. Аҙаҡ ятҡан түшәге аҫтынан ҡалын ғына төргәк килтереп сығарҙы: – Мә, төпкәрәк тыҡ! Бында байтаҡ ҡына. Эй, шәп кеше ни, һине тием, хыял иткәнеңсә ике ҡатлы кирбес йортта йәшәтермен, яңы “иномарка”ла елдертеп йөрөтөрмөн, тигән булып оҫталыҡта йыйған бол - байлығым инде был. Мин йыйынғансы көтөп торған ти донъя тигәнең. Ана, ҡалайтып ихтираз итеп һалып ҡуйҙы... Ул-был була ҡалһа, кәрәк-яраҡты әҙерләгәнмен. Лапаҫ аҫтында. Бынау ҡағыҙға һөйәгемә кем тотонаһын, кем йыназа сығырын яҙғанмын. Теүәл генә үтә. Ҡаңғырма. Донъя күргән бисәһең, – шыбырлап һөйләшә торғас, Сәғитйәндең тамам хәле бөттө. Ҡатынының һаман илаулап һөйләгән хәбәрен оҙаҡ тыңлағыһы килмәне. – Тегендә һинән башҡа ла разберутся. Олатайым әйтмешләй, бәрзәхенә барып етер кәрәк, – ул, кит инде тигәндәй, ҡулдары менән ишараланы ла күҙҙәрен йомдо.
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türkçe isiXhosa Íslenska Čeština Ελληνικά Башҡортса‎ Беларуская Мова Български Македонски Јазик Русский Српски Українська Мова Қазақша עִבְרִית اَلْعَرَبِيَّةُ اُردُو فارسی नेपाली मराठी मानक हिन्दी বাংলা ਪੰਜਾਬੀ ગુજરાતી தமிழ் తెలుగు ಕನ್ನಡ മലയാളം සිංහල ไทย ລາວ မြန်မာ ქართული ენა አማርኛ ភាសាខ្មែរ ᠮᠣᠩᠭᠣᠯ ᠬᠡᠯᠡ ᮘᮞ ᮞᮥᮔ᮪ᮓ 日本語 繁體中文 ꦧꦱꦗꦮ 한국어 Йыш бирелә торған һорауҙар Interactive-Adult-Games нимә ул? Interactive-Adult-Games - был донъяла иң ҙур ҡалаларының береһе менән берләшмәһенең иң яҡшы уйындарының түләүһеҙ порноигра придачу! Interactive-Adult-Games көн һайын меңләгән кеше килә, өйрәнергә беҙгә төрлө сценарийҙар өсөн, бөтә енси һәм енси настроить беҙҙең бушлай квесты персонаждар үҙе башҡарырға тырыша. Мин түләргә тейеш-юҡ, уйнау өсөн Interactive-Adult-Games? Һәр саҡ бушлай булды һәм булып ҡала Interactive-Adult-Games. уйнап уйнаным. Беҙҙең команда тәьмин итеү бурысын үҙ өҫтөнә ала, модель булыу өсөн беҙҙең тотош тематизировать freemium тирә-яҡ атамаларына, әммә был мәжбүри тулыһынса һатылып бөтә. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, һеҙгә кәрәк булған нәмәләр һатып алманы, әммә беҙ һеҙҙең хупларға мөмкин, әгәр теләһәгеҙ. Минең ни өсөн һеҙҙең кредит карталарын мәғлүмәт кәрәк? Беҙ бурыслы кешене төрлө органдарының лицензия буйынса беҙҙә 18 йәштән өлкәнерәктәр генә уйынға бирелеү, уйын менән бөтә донъя буйынса. Кеше бәлиғ булмағандар менән көрәшеү өсөн, тырышырға бирергә Interactive-Adult-Games, бөтә йәштәгеләр өсөн беҙ кредит карталарын ҡулланып уникаль уйынсы аутентификация системаһын тикшереү. Interactive-Adult-Games уйынсыһына реаль эсендә булғанығыҙ бармы? Бәлки, многопользовательский Interactive-Adult-Games һеҙҙең кеүек уйнаны, сөнки был форматтарҙың һәм яңғыҙ! Беҙҙең тәжрибә ҙур өлөшө тейешле иғтибар однопользовательский булмай, әммә беҙ был бигүк алыҫ киләһе турын да яҡшыртыу өсөн яңы инструменттар һәм функциялары өйөмдәрҙе сығарырға планлаштырыла многопользовательский раят – күҙәтеп яңыртыу! Бәлки, мин уйнаны һәм mac ios айланмалар? Д. Шулай уҡ План һәм ios ярҙамында, шулай уҡ мөмкинлегенә эйә кулланыусылар өсөн android мобиль яйланма Interactive-Adult-Games өсөн уйнай. Әлегә һеҙгә инергә булдыҡ Chrome, Firefox Safari йәки, теләсә ниндәй төҙөлөшө менән тәьмин Interactive-Adult-Games һеҙҙең ярҙам менән проблемалары булған, улары һеҙҙең ихтыярҙа. Был фантастик әйбер – был ысынлап та шулай! Ә пользовательский әйтерһең секс-мод? Бөтә төр ярҙамы ҙур булды беҙгә төрлө модификациялы, шулай уҡ етәкселек һәм инструменттар йыйылмаһы, шулай әйбәтерәк движок менән төрлө әйберҙәр эшләй башлай һәм беҙҙе ҡарай алмай хатта. PMM моддинг берләшмәләре яратам, һәм улар беҙҙең өсөн форум да бар. Мин кәрәк икән, интернетҡа тоташыу өсөн уйнай? Әгәр телисез икән, ҡуллана беҙҙең фараздар ғына браузерный, һеҙ әүҙем интернетҡа тоташыу кәрәк, бөтәбеҙ өсөн загрузить файл,әммә ул саҡта һеҙ автономлы режимға күсә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә үҙ клиенттары өсөн һеҙҙең компьютерҙа windows өсөн ысын тәжрибә һәм mac автономиялы автономиялы шулай булды. Бәлки, мин был ҡоролманы бер нисә уйын уйнай? Шул уҡ үрҙә телгә алырға, теләһә ниндәй уйындар Interactive-Adult-Games мөмкинлектәре әлеге ваҡытта кулланыусылар тоташтырылған, уның әгәр Firefox булып, Chrome Safari йәки теләсә ниндәй төҙөлөшө. Был ышаныслы һәм хәүефһеҙ? Д. Interactive-Adult-Games ашырыу буйынса протокол HTTPS кереште. Шулай уҡ һеҙҙең электрон почта адресы беҙ генә һаҡлана, һәм ҡулланыусы исеме пароль хеш был яҙмалар – бына барыһы да. Юҡ, кәрәкмәй миңә,-тип ҡуйҙы, уйнау өсөн Interactive-Adult-Games? Юҡ. Firefox браузеры сездә бар әлегә, йәки Safari Chrome, Interactive-Adult-Games һеҙгә уйнай алмайым, үҙең бер нәмә лә ҡоролмаған. Минең урында ни өсөн мин башҡа яуап индереүгә йүнәлтергә һуң? Беҙ күп партнерҙар менән эшләгәндә, уйын өсөн яҡшы тәжрибә һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Был ресурстарҙың ҡайһы берҙәре сит скачать уйын өсөн кәрәк.
Ағас, утын алыу мәсьәләһе элек-электән күптәрҙе борсоған кѳнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала. Өйѳн утын яғып йылытҡан, кәртәҡураһын нығытыу ѳсѳн һәр нәмәлә ағас кәрәккән ауыл кешеһенә был йәһәттән бигерәк тә ауырға тура килә. Мәсьәләне яйлау ѳсѳн ҡануниәткә лә йыш ҡына тѳрлѳ үҙгәрештәр индерелеп тора. Мәҫәлән, ошо йылдың 1 ғинуарынан ҡороған ағасты хужалыҡта файҙаланыу тураһындағы федераль закон үҙ көсөнə инде. Тик закон буйынса рѳхсәт бирелеү менән социаль селтəрҙəрҙə тѳрлѳ икеле фекерҙәр, бәхәстәр күбәйҙе. Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп ҡабул ителгән закон проекты нишләп һәм ниндәй урында аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра һуң? Законда ҡоро ағас иҫәбенә ерҙә ятҡан ағастың олон-тамырҙары, ботаҡтары, сыбыҡтар, ҡороған ағастарҙың ботаҡ-сыбыҡтары, тубырсыҡ, төрлө бөжәк, тумыртҡаның эшмәкәрлегенән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡтар, ҡар һындырған ботаҡтар, эшкәртелеп бѳтѳлмәгән ағастар инә тип күрһәтелгән. Яңы закон буйынса рәхәтләнеп, бер ҡайғыһыҙ ҡоро утын йыйырбыҙ тип уйлағайныҡ. Тик үҙгәреш әллә ни ҡыуаныслы булмағанға оҡшай. Талап буйынса, ҡоро-һарыны йыйып ҡына алырға тейешһең. Ағасты бысырға, балта менән сабырға тейеш түгелһең икән. Йәғни, эргәңдә, ҡулыңда бер эш ҡоралы ла булырға тейеш түгел. Ҡороған ағасты төртөп, һөйрәп йығырға ла рөхсәт ителмәй. Бынан тыш, урманға барыр алдынан, иртәгә ҡоро утынға барам тип, мотлаҡ лесникты иҫкәртергә кәрәк, тиҙәр. Буш ҡул менән серегән ағас артынан йә иһә ҡоро ботаҡ һындырыу ѳсѳн генә кемдең урманға барғыһы килер икән? Ботаҡ-сатаҡ, серек ағас менән ѳй йылытып буламы? Был бит йомшаҡ йәйеп, ҡатыға ултыртыу, йәғни ҡоро ағас алырға рөхсәт итеп, халыҡтан бушлай урман таҙарттырып ҡалыу ѳсѳн махсус эшләнгән кеүек була түгелме, тип аптыраусылар ҙа күп. Рəсəй Дəүлəт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров был һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе. - Элек йығылған ағастарҙы алып ҡайтыр өсөн район үҙəгенə барып рөхсəт алырға кəрəк ине. Ҡағиҙә боҙған осраҡта штраф һалынды. Коррупция ла сəскə атты, аҫтан һатыу ҙа булды. Хəҙер яңы законға таянып, ҡоро ағасты иркен рəүештə алырға мөмкин. Эйе, һүҙ ҙә юҡ, бында ике яҡлы файҙа күрергә була. Урман да таҙарып ҡала, яңғын хәүефһеҙлеге лә кәмей, сѳнки иң тəүҙə ҡороған ағас яна башлай, унда-бында туҙып ятҡан ѳйѳмдәр урманды үткеһеҙгә әйләндерә, техникаға ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Икенсе яҡтан, утынға мохтаждарға мәшәҡәт кәмей. Уҙған йылдың 26 декабрендə Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы райондарға ҡоро ағасты йыйыу тəртибе тураһында хат ебəргəн. Əммə унда дөрөҫ булмаған мəғлүмəттәр булған. Урман хужалығы министры менəн һөйлəшеп, был хатты кире алдылар. Һəр кем ҡоро ағасты алыу мөмкинлегенə эйə. Бының ѳсѳн бер кемдəн дə ризалыҡ һорарға, лесникты алдан иҫкәртеп йѳрѳргә кəрəкмəй. Урман хужалығының да рөхсəте мотлаҡ түгел. Айырым участкаларҙа ғына түгел, бөтөн урмандарҙа ла ауған ҡоро ағасты алырға мөмкин, бының ѳсѳн бер ниндәй ҙә сиклəү юҡ. Əммə диләнкәгә инергə ярамай. Урманға балта, бысҡы, хатта бензин менəн эшлəгəн бысҡы ла алып барырға, ҡоро ағастың олонон да, ботаҡтарын да алырға була. Сөнки улар янғын хəүефе тыуҙыра, - тип яуап бирҙе депутат. Əгəр ҙə был йәһәттән ниндәйҙер ҡаршылыҡтар тыуһа, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Зариф Байғусҡаров исеменә хат ебәрергә мѳмкин. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Октябрҙә Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көтә. 11 октябрҙә төбәктә Республика көнө билдәләнә. «Башҡортостан Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле даталар тураһында» законға ярашлы, 11 октябрь (быйыл ул шаршамбы) ял көнө булып тора. Шишәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Октябрҙә Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көтә. 11 октябрҙә төбәктә Республика көнө билдәләнә. «Башҡортостан Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле даталар тураһында» законға ярашлы, 11 октябрь (быйыл ул шаршамбы) ял көнө булып тора. Шишәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Коронавирусҡа бәйле хәл буйынса ойошторолған брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин пандемия башланғандан алып 5 миллион 118 меңдән ашыу тест эшләнелеүе тураһында хәбәр итте. Бер тәүлектә ПЦР-диагностика алымы менән 11,5 меңдән ашыу тест үткәрелгән. Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны 118 мең 267 осраҡта раҫланған. Әле республика дауаханаларында 262 кеше дауалана, шуларҙың 94-е ауыр хәлдә, 6-һы - үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бер тәүлектә 484 кешелә ошо диагноз раҫланған. Барлығы 107 296 кеше һауыҡҡан. Тәүлек эсендә 21 пациент ковидтан вафат булған. Республикала вакцинациялау әүҙем дауам итә. 2 142 049 кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, ә 1 968 444 кеше вакцинацияны тулыһынса эшләткән. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайты мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде. Автор:Равиля Бардыбаева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Белорусь президенты Александр Лукашенко нефть һәм газ эҙләп донъяны ҡыҙырып ҡайтҡандан һуң, Сочиға Рәсәй Президенты янына барыуҙан башҡа сара ҡалманы. Беҙ инде туғандаш республика етәксеһенең бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө уйлап, өсөнсө төрлө эшләүенә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Белорусь президенты Александр Лукашенко нефть һәм газ эҙләп донъяны ҡыҙырып ҡайтҡандан һуң, Сочиға Рәсәй Президенты янына барыуҙан башҡа сара ҡалманы. Беҙ инде туғандаш республика етәксеһенең бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө уйлап, өсөнсө төрлө эшләүенә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Белорусь газын да, нефтен дә аласаҡ. Тик донъя хаҡтары менән. Сөнки хәҙер күпселек Белорусь һәм уның етәкселегенең сәйәсәтенә ышанып бөтмәй. Хәҙер Рәсәйгә Белорусҡа бирелгән арзан кредиттарҙы нисек тә ҡайтарыу тураһында уйларға ваҡыттыр. Әлегә был бурыстар хаҡында Рәсәй Президентыв Владимир Путин бер тапҡыр ҙа өндәшкәне юҡ. Ләкин был мәьәләнең күтәрелеүе бик ихтимал.Сөнки “Бурыслы үлмәй” тигән мәҡәл был осраҡта үҙен аҡламай. Күпме дуҫ йәшәһәк тә, күршеләргә ярҙам итһәк тә, бурысҡа алғанды ҡайтарырға тура килмәгәйе.
Башҡортостанда “Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” акцияһы старт алды. Был сара ауыл ерҙәрендә медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡарары буйынса уҙғарыла. Акция сиктәрендә ауыл халҡына тәүге ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ белгестәрҙә консультация алырға, ҡаралырға мөмкинлек буласаҡ. Был сараға Республика клиник дауаханаһының кардиология үҙәге, Республика стоматология поликлиникаһы модуле, һаулыҡ һаҡлау үҙәктәре, күсмә флюорография, маммография, диагностик үҙәктәр һәм ФАП-тар йәлеп ителгән. Республика буйынса биш маршрут билдәләнгән һәм биш автопоезд ошо йүнәлештәр буйынса үтә. М.Зиннурова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Ә “Мөхәмәҙиә” тигән исем әсәйемдең теленән беҙҙең күңелдәргә күсеп, ғүмер буйы беҙҙең күңелдәрҙе нурланы ла нурланы! Ә “Мөхәмәҙиә” тигән исем әсәйемдең теленән беҙҙең күңелдәргә күсеп, ғүмер буйы беҙҙең күңелдәрҙе нурланы ла нурланы! мөхәмәҙиә Беҙҙең өйҙә был исемде әсәйем йыш телгә ала. “Мөхәмәҙиә ағайҙың почеркы матур булған, һеҙ ҙә шулай матур яҙығыҙ!” , “Мөхәмәҙиә ағай тик “5”-легә, “4”-легә уҡыған, һеҙ ҙә шулай уҡығыҙ!”, “Мөхәмәҙиә ағайҙың яҡшы уҡығаны өсөн грамоталары күп булған”... Үҫә төшкәс, уның уҡыуҙы тамамлағанда баһалар ҡуйылған ведомосын да күрергә тура килде: “Яубаҫаров Мөхәмәҙиә Һибәт улы” тип уҡыным мин. Беҙ үҫкән һайын, Мөхәмәҙиә ағайҙың да батырлыҡтары артты. Әсәйем (исеме Зәйнәп) тағы: “Мөхәмәҙиә ағай һыуҙа шәп йөҙгән, һуғышта йөрөгәндә Дон йылғаһын йөҙөп сыҡҡан, ул йылғаның киңлеге ҡайҙан-ҡайҙа ята, шул тиклем ҙур йылға бит ул!”, “Исемен әйтергә ярамаған ҙур йылғаны йөҙөп сыҡтыҡ” тигән хаты килде”, “Бына Мөхәмәҙиә ағай һуғышта ятып ҡалған шул, ике генә хаты һаман һаҡлана әле, ул ҡайтҡан булһа...” - тип уны күргән кеше һымаҡ һөйләй ине. Ысынында иһә ул уны күрмәгән. Туҡһанын ваҡлаған Һибәтулла олатам һүҙҙәренән сығып һөйләй инде. Һүҙгә һаран олатам да килененә ауыҙ асып хәбәр һөйләп ултырмаған. «Беҙҙең кеүектәр менән һөйләшеп ултырманы ҡайным, үҙе кеүек уҡымышлы муллалар килә ине янына», - тип хәтерләй әсәйем. Ә әсәйем түрбашта йөрөгән арала уларҙың хәбәрен үҙенә “йомдорған”. Ысынында иһә Мөхәмәҙиә – Һибәтулла олатамдың кинйә улы. «Был нигеҙҙә, һуғыштан ҡайтҡан булһа, ул йәшәргә тейеш ине», - ти әсәйем. Ул ҡайтмағас, Һибәтулла ҡарт олатамдың өлкән улы Ғәлимйәндең улы – Хәкимйән – минең атайым йәшәй. Бер бүләһен – Ирек ағайымды (1960 йылғы), бер бүләсәрен – Зилә апайымды (1962 йылғы) күреп, 1963 йылда яҡты донъя менән хушлаша ҡарт олатам. Ә “Мөхәмәҙиә” тигән исем әсәйемдең теленән беҙҙең күңелдәргә күсеп, ғүмер буйы беҙҙең күңелдәрҙе нурланы ла нурланы! Һ И Б Ә Т У Л Л А Һибәтуллаға повестка тоттороп киттеләр. Мөхәмәҙиәһенә. Ут эсендә ике улы - Ғәлимйән һәм Сабирйән йөрөй инде. Кинйәһенең ун туғыҙы тулмағас, бәлки, алмаҫтар, тигән өмөт йәшәй ине күңелендә. Аҡланманы өмөтө. Бына килтерҙеләр гонаһ шомлоғо ҡағыҙ киҫәген. Йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы ҡарттың. Мөхәмәҙиәһе әлеге ваҡытта Ырғыҙлы яғында ағас эшендә йөрөй. Вербовка менән иртә яҙҙан уҡ алып киткәйнеләр. Тиҙ үк алып барып еткерергә ҡушты хөкүмәт кешеһе. Башҡа ваҡыт булһа, ҡыр ауылға кейә торған аҡ күлдәген кейеп алыр ине ул. Әле ниңәлер күңеле төшмәне. Әбейенең “Сәй эсеп алыр инең, ара алыҫ”, - тип өлтөрәүен дә ишетмәҫ булды. Уға бер көйҙөрә ҡарап алды ла йәйәүләп юлға сыҡты. Повестканы кәзәкей кеҫәһенә тәҫләп һалып алды. Ул да әрме хеҙмәтен сик буйында үтте. Полк муллаһы булды. Исеме менән есемен бергә ҡушып, «Һәйбәт мулла» тип кенә йөрөттөләр уны. Һуғыш - ул мәхшәр. Ул мәхшәрҙән кем ҡайта, кем ҡайта алмаҫ - алдан әйтеүе ҡыйын. Немецтар менән һуғыш ҡаты булырға оҡшай, ҙур тиҙлек менән алға баралар... Теләктәрен теләп, доғаларын уҡып барҙы Һибәтулла. Вариҫтар ҡалырға тейеш, кемеһе булһа ла иҫән ҡайтып, нәҫелде дауам иттерер, Иншаллаһ... Йәйҙең көнө оҙон. Иртә менән юлға сыҡҡан ҡарт үҙ ауылы Тимерҙән Ырғыҙлыға тиклем йөҙ саҡрым араны йәйәү үтеп, повестканы кисләтеп кенә алып барып еткерҙе. Мөхәмәҙиә улы ағас һыҙырып йөрөй ине. Ҡулындағы кәйләһен атаһына тотторҙо ла повестканы алды. Шул минутта уҡ улын туранан Мәләүезгә юлға әҙерләй башланылар. Улы ҡулына тотторған кәйләне тотоп, ҡарт ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Яндекстан: Яубасаров Хибат Баймухаметович (1872). Дата рождения: 1872 г. Пол: мужчина. Место проживания: Башкирская АССР, Бурзянский р-н, Тимирово. Осуждение: 1930 г. Приговор: раскулачен. Источники данных: БД «Жертвы политического террора в СССР»; МВД Республики Башкирия. Ғ Ә Л И М Й Ә Н Бына һуғыштан ҡайтып килә ул. Ваҡытлыса, ялға ғына. Ҡолағына контузия алды. Хәҙер ошо арҡаны үтһә, Тәрән үҙәккә барып төшә. Унан ауылына ла күп ҡалмай. Аҙаҡҡы һуғыш бик ҡаты булды. Ғәлимйән дә сая һуғышты. Украина фронтында уҡсылар дивизияһында снайпер-разведчик булып һуғышты ул. Госпиталдә өс ай ятҡандан һуң бер айға ауылға ялға ҡайтып бара. Аҙаҡҡы һуғышта командиры: «Яубаҫаров, шәп һуғыштың, һиңә награда!» - тигәйне лә. Ул һуғышта командиры үҙе ятып ҡалды. Награда өсөн көйөнмәй Ғәлимйән, тере ҡалғаны өсөн һөйөнә. Атаһының доғалары ярҙам иткәндер. Ә наградаға килгәндә, яҙған булһа, эҙләп табыр. Сөнки бер үҙе винтовкаһынан илле дошманды дөмөктөргән, шуларҙың етеһе офицерҙар составынан булған икән. «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителдең, тигән хәбәрҙе госпиталдә сала-сарпы ишетеп ҡалғайны. Ғәлимйәнде ҡустыһынан килгән хат ҡына борсоуға һалды. Сталинград фронтында йөрөй ул. Унда ла һуғыштар ҡаты бара. Унан килгән хат хафаға һалды... «Төш күрҙем, ағай! Өсәүләп: - мин, Сабирйән ағайым, һин ут эсенән килеп сыҡтыҡ. Тимер арҡаһы яна икән, тим. Һин сатанлай-сатанлай Тәрәнуйға төшөп киттең, үҙең уң ҡулың менән ҡолағыңды тотҡанһың. Беҙ Сабирйән ағам менән ут эсенә кирегә йүгерҙек. Һин ҡайтырһың, ағай, беҙ ҡайта алмабыҙ...» - тиелгәйне унда. Ҡара һин уны, ҡолағына контузия алырын да төшө аңғартҡан бит әле. Ошо уйҙары менән Тәрәнуй тигән үҙәктең тирә-яғында һалдаттар кеүек баҫҡан ағастарҙы күҙәтә-күҙәтә атланы һалдат. Бына ауылының өйҙәре лә күренде. Күҙҙәренән йәштәре бәреп сыҡты. Бер ай булһа ла ауылы шишмәләренең шифалы һыуҙарын эсер, яралары уңалыр. Унан тағы һуғышҡа. Ниҙәр күрер әле был баштары?!. Нимә булһа ла, маңлайына яҙылғанды күрмәй, гүрҙәргә инмәй инде әҙәм балаһы... Яндекстан: «Яубасаров Сабирьян Хибатович 1914 года рождения, деревня Тимирово, Бурзянский район. Красноармеец, в рядах Красной Армии с 1938 года. Выписка из наградного листа: «Наградить красноармейца-командира отделения 2 минометной роты Яубасарова Сабирьяна Хибатовича медалью «За Отвагу» за то,что он во время боя в районе озера Ният-Ярви (КФССР) 15 июля 1944 года под сильным артиллерийско-минометным огнем белофинов первый достиг финских траншей и, установив свой миномет, первым открыв огонь из него, уничтожил один ручной пулемет и 9 финских солдат,чем обеспечил успешное выполнение поставленной задачи...» 17 ИЮЛЯ 1944 ГОДА ПРОПАЛ БЕЗ ВЕСТИ». Р А Я АПАЙ ХӘТИРӘЛӘРЕНӘН Рая апай менән күрешмәгәнемә хәтһеҙ генә йылдар үткән икән. Үткән йылдың ун етенсе авгусында атайым (Хәкимйән) вафат булғас, бер туғандары килделәр: Зоя, Рая апайҙар, Һатыбал, Сабир ағайҙар, Хәлиҙә лә. Рая апай биш намаҙын ҡалдырмай, дин тота. Яубаҫаровтар - элек-электән динле тоҡом. Атаһы тураһында хәтирәләрҙе Рая апай һуңғараҡ һөйләне миңә: - Минең атайым – Ғәлимйән. Бәләкәй саҡта атайҙан һуғыш тураһында һорауын үтенә торғайныҡ. Ләкин ул: “Ҡуй, балалар, һорамағыҙ, һеҙгә Хоҙай Тәғәлә һуғышты күрһәтмәһен!“ – ти торғайны. Шунан шым ғына уйланып, ситкә ҡарап ултырыр ине. Шулай ҙа бер саҡ бесән эшләгәндә ял ваҡытында яйлап ҡына һөйләй башланы: - Аллаға шөкөр, - тип башланы ул һүҙен. – Һуғышта нимәләр генә булмай! Иң мөһиме – йөрәктә янған утты тышҡа сығарырға ярамай! Минең йөрәгем атайым, әсәйем, ҡустыларым, туғандарым өсөн яна торғайны. Көндәр буйы снайпер булып немецты һаҡлап, көтөп ултыра торғайным. Шул ваҡытта йөрәгем яраһын аяттар, доғалар уҡып баҫа инем. Немец та кеше, башта уға атыуы ҡыйын булды. Ләкин уларҙың бик күп кешеләрҙе, балаларҙы, ҡатындарҙы үлтереүен уйлап, бөгөн һинең менән һөйләшеп ултырған кешеңдең һәләк булғанын күреп, дошман икәнлеген аңлап, атырға тура килде. Снайпер кешегә көндәр буйы тик кенә ултырырға кәрәк, был ҙур түҙемлек талап итә. Бер егет менән бергә ултыра торғайным. Уның түҙемлеге бөткәнмелер, шылт иткән тауышҡа күҙемде генә йөрөтөп ҡараһам, ул егеттең ҡоралы ерҙә ята. Ә мин шул көндө көн буйы ҡарауыллап ултырып, ул дошманды юҡ иттем, иптәшем өсөн үс алдым барыбер. “Снайпер булыуым тыныс тормошта ла ярҙам итте, – тине атай. – Хәтерегеҙҙәме,бер саҡ атыбыҙ юғалды. Оҙаҡ ҡына урмандан эҙләнем. Таба алманым. Шунан бер арыш яланына барып сыҡтым. Арышты асып ебәрһәм, айыу арыш ашап тора. Мин айыуға, айыу миңә ҡарап ҡаттыҡ. Күпме торғанбыҙҙыр, бер саҡ гөрҫ итеп алғы аяҡтарын ергә төшөрҙө лә лап-лоп ҡасып китте айыу. Снайпер булып көндәр буйы ултыра торған ғәҙәтем ошонда ярҙам итте лә инде. Яраланғас, Ҡазан госпиталендә дауаланғандан һуң, әҙгә генә ауылға ҡайттым. Унан тағы һуғышҡа. Контузия алғас, снайпер булманым. “Катюша”ларға снаряд биреп тора инем. Һуғыш ваҡытында кемдер үлә, яралана, медсестралар өлгөрмәй. Команда булмаған саҡта яралы иптәштәрҙе окопҡа төшөрөргә медсестраларға ярҙам итә инем”, тип иҙәндә нисек шыуышҡандарын күрһәтә лә торғайны”, – тип хәтерләй Рая апай. “Еңеү тураһында ишеткәс, бик ҡыуандыҡ! Поезға ултырып, ҡыуанып ҡайтып килә инек. Бер ерҙә беҙҙең поезд туҡтаны, икенсе поезға ултыртып ебәрҙеләр. Ҡайҙа барғанлығыбыҙҙы ла белмәй барабыҙ. Шулай япон һуғышына барып эләктек”. Ул һуғыш хаҡында атай беҙгә бер ни ҙә һөйләмәне. Яндекстан: “Яубасаров Галимьян Хибатович. Родился в 1908 году в д. Тимирово Бурзянского района. В июле 1941 года ушел на фронт. Воевал на 2-ом Украинском фронте в 213-ой стрелковой дивизии снайпером-разведчиком. Награжден орденом «Победы» и «Отечественной войны», медалью «За взятие Берлина» (за непосредственное участие героического штурма и взятия Берлина), «За отвагу», а также орденом Славы 3 степени (уничтожил из личного оружия-винтовки до 50 вражеских солдат, включая 7 из офицерского состава). В 1945 году был командирован в Японию со специальным заданием”. Х Ә Л И Ҙ Ә Былтыр тәүге тапҡыр ураҙаны ҡалдырмай тоттом. Байрам көндө ғәйет тыңларға тип мәсеткә индем. Мәсеттән сығыуыма ят бер номер шылтырата. «Мин Хәлиҙә булам, апай!» - ти. Мин уны бик бәләкәй сағында ғына күргәнем булды. Ағиҙел поселогында йәшәй инеләр Ғәлимйән олатамдар. Хәлиҙә - атайымдың бер туған һеңлеһе, иң кесе ҡыҙ. Тимергә Зоя апай йыш килде беҙгә. Зоя апай - иң ҙуры. Улар башта Тимерҙә йәшәгәндәр, етмешенсе йылдар башында ғына күсеп киткәндәр. Зоя апай (1952 йылғы) тыуған ауылын онота алмай килгәндер инде. Унан һуң Һатыбал ағай (1957), ул да килгеләне. Унан 1961 йылғы Рая апай, Сабир (1964) һәм Хәлиҙә (1968). Хәлиҙә менән кисә генә айырылышып тороп, бөгөн күрешергә тейеш кешеләр кеүек тиҙ генә уртаҡ тел табып, һөйләшеп киттек. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыған икән, хәҙер Магнитогорск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Рая апай ҙа шунда. Зоя апай менән Сабир Ағиҙел поселогында, Һатыбал ағай Иҫке Собханғолда. Хәлиҙә, ни ғәжәп, Мөхәмәҙиә ағай тураһында һөйләп алып китте. Артабанғы яҙмаларым Хәлиҙә исеменән бәйән ителә. - Мин - Хәлиҙә. Егерменсе быуаттың алтмыш һигеҙенсе йылында тыуғанмын. Киләсәктә бәхетле тормош өсөн беҙҙең атайыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышында фашистар менән алышырға, ҡолағына контузия алып ҡайтырға, ике бер туған ҡустыларын юғалтырға, береһенән “хәбәрһеҙ юғалды” хәбәрен, икенсеһенән “ҡара ҡағыҙ” алырға тура килә. Ләкин ул хәбәргә ышанманы. “Алла бойороп, ҡустыларым ҡайтып төшһәләр, ҡорбан итеп атымды салыр инем”, тип ғүмере буйы ат тотто, ҙур өмөт менән йәшәне. Яубаҫаровтар өсөн борондан ат тотоу беренсе урында торҙо. Шулай итеп, атайым яратҡан атын ҡорбанға бағышланы. Бушҡа ғына көттө атай, ҡайтманы ҡустылары... Ҡустыларын көтөп ала алмаған атай ҙа күптән баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәй унан ҡалып ун биш йыл йәшәне әле, ул да хәҙер гүр эйәһе. Атайымдың әйткән әйтеүе гел ҡолаҡ төбөндә торҙо. Һуғыш яланында ятып ҡалған ағайҙарҙы интернет аша эҙләнек, тик бер ниндәй ҙә хәбәр булмағас, ҡорбан әйттек. Үҙебеҙҙең Магнит ҡалаһынын Өлфәт хәҙрәткә барҙыҡ. Ул: «Ҡорбанға бер кешегә - бер һарыҡ, күп кешегә тана һыйыр салына», - тине. Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да һуғышта ятып ҡалған һалдаттар рухына бағышлап салды тананы хәҙрәт. Ул Мөхәмәҙиә һәм Сабирйән ағайҙарҙың исеменә аят уҡыны. Үҙебеҙ йәшәгән ҡалала, тыуған яҡтарыбыҙҙа - Тимер ауылында ҡорбан итен тараттыҡ. Йәй көнө булғанға күрә, туңдырып алып ҡайттыҡ. Ҡорбан салдырғас, эштәр ыңғайлап китте. Материалдың тулы вариантын "ТАҢ" гәзитенең 30 апрель һанында уҡығыҙ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Ауылыбыҙҙы балҡытып ултырған мәсетебеҙгә йылытыу ҡорамалдары ҡуйылды. Тәҙрәләренә матур ҡорғандар, иҙәндәренә затлы балаҫтар түшәлде. Был изге эште башҡарыусы – бәрәкәтле Яҡут ауылында тыуып үҫкән уҙаманыбыҙ Мөхтәр Мөхәррәм улы Ялсыҡаев. Уның ҡылған изгелектәренә ауылыбыҙ инәй-бабайҙары һәр саҡ доға ҡыла, йөрөгән юлдарында именлек, һаулыҡ һәм бәхет теләй. Әле күптән түгел генә ауылдашыбыҙ балалар баҡсаһына уйынсыҡтар бүләк итеп кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы. Ауылдашыбыҙға изге эштәренең һауаптарын насип итһен Аллаһы Тәғәләбеҙ. Яҡут ауылы халҡы Рәүеф ӘБЙӘЛИЛОВ фотоһы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Башҡортостанда Дәүләт автоинспекцияһының ҡайһы бер теркәү бүлексәләрендә төбәктең яңы коды (702) менән дәүләт номерҙары бирә башланылар. Был хаҡта республика ведомствоһы башлығы Динар Ғилметдинов «Фейсбук»тағы үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. Башҡортостанда Дәүләт автоинспекцияһының ҡайһы бер теркәү бүлексәләрендә төбәктең яңы коды (702) менән дәүләт номерҙары бирә башланылар. Был хаҡта республика ведомствоһы башлығы Динар Ғилметдинов «Фейсбук»тағы үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. «Был планға ярашлы башҡарылды, сөнки элекке 102-се серия бөтөп килә. Тиҙҙән республиканың барлыҡ теркәү бүлексәләрендә яңы код менән дәүләт номерҙары бирелә башлай», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Республикаһының баш автоинспекторы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Федераль таможня хеҙмәте 2019 йылда агросәнәғәт комплексы продукцияларын экспортҡа оҙатыу буйынса һөҙөмтәләрҙе барланы. Федераль таможня хеҙмәте 2019 йылда агросәнәғәт комплексы продукцияларын экспортҡа оҙатыу буйынса һөҙөмтәләрҙе барланы. Республика күрһәткестәре билдәләнгән күләмдән шаҡтай күп. Мәҫәлән, былтыр 112,2 миллион доллар продукция ситкә һатылған, был төбәк проекты паспортында ҡабул ителгән пландан (91 миллион доллар) күпкә артыҡ. Әйткәндәй, 2018 йылда республиканан 76 миллион доллар күләмендә АСП-һы экспортҡа йүнәлтелгән. Ул ваҡытта уның һиҙелерлек өлөшөн иген культуралары тәшкил иткән. Былтыр иһә күпселекте май продукцияһы (44 процент) биләгән – 36 миллион доллар күләмендә һатылған. Был унан алдағы йылдан 17,3 миллион долларға күберәк. Былтыр шулай уҡ шәкәр һәм унан етештерелгән аҙыҡ күләме 10,4 миллион долларға артҡан. Ә бына иген культураларын һатыу 19 миллион долларға кәмегән. Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара ооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”. "Башҡортостан". Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Ҡап-ҡара ҡаштары бер-береһенә ҡушыла яҙып торған бәләкәй генә малайға ҙур киләсәк юраны уның моңло тауышына әҫәрләнгән тамашасы. "Руслан хәҙер ҡайҙа икән?" - тип ҡыҙыҡһынған төркөмдәштәребеҙҙең һорауын ҡәнәғәтләндерергә ашығабыҙ:(Әйткәндәй, бөгөн кис уның башҡарыуында йырҙар тыңларбыҙ) Руслан Яҡшыбаев мәктәптә уҡыған саҡта уҡ тамашасы һөйөүен яулап өлгөргәйне. Ҡап-ҡара ҡаштары бер-береһенә ҡушыла яҙып торған бәләкәй генә малайға ҙур киләсәк юраны уның моңло тауышына әҫәрләнгән тамашасы. "Руслан хәҙер ҡайҙа икән?" - тип ҡыҙыҡһынған төркөмдәштәребеҙҙең һорауын ҡәнәғәтләндерергә ашығабыҙ: уҡыусы саҡта район сәхнәһендә йырлап йөрөһә лә, ул әртис һөнәрен һайламай. Руслан Яҡшыбаев 2009 йылда Иҫәнғолдағы 2-се һанлы мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның Хоҡуҡ институтына уҡырға инә. Студент йылдарында һөнәре буйынса юридик өлкәлә эш башлай. Диплом алып сыҡҡас, ошо өлкәлә эшмәкәрлеген дауам итә. Әлеге ваҡытта “Өфө” Халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәтенең корпоратив идара өлкәһендә эшләй, йәмғиәттең Директорҙар советы эшен ойоштора, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә, шулай уҡ башҡа органдарҙа мәнфәғәттәрҙе яҡлай. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты ярҙамсыһы ла. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй етди эштә, вазифала эшләһә лә, Руслан йырҙан айырылмай. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөккә күсәме?Был хаҡта бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров "Белем биреү сәғәте"ндә белдерҙе. Был хаҡта бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров "Белем биреү сәғәте"ндә белдерҙе, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите Уның әйтеүенсә, уҡыу планы элеккесә ҡаласаҡ. Иң мөһиме - уҡытыусыларҙың эш хаҡы кәмемәйәсәк, әүәлге кимәлдә ҡала. Шул уҡ ваҡытта Радий Фәрит улы мәғариф министрлығына тематик шәмбеләрҙең мотлаҡҡа әүерелмәүенә, балаларҙың тулы ике көн ялы булырға тейешлегенә айырыуса иғтибар бирергә, уларҙы исем өсөн генә мәктәпкә саҡырмаҫҡа ҡушты. Шулай уҡ спорт секциялары һәм мәҙәниәт учреждениеларына балаларҙың ял көндәрендә спорт менән шөғөлләнергә, театрҙарға, музейҙарға йөрөү өсөн уңайлы булһын өсөн эш режимын үҙгәртеү кәрәклеген әйтте. "Шәмбене уҡыусылар түҙемһеҙләнеп көтөп алһын, ул фекер алышырҙай ваҡиға булырға тейеш. Быларҙың күбеһе уҡытыусыларҙан ғына түгел, атай-әсәйҙәрҙең үҙенән дә торорға тейеш", - тип билдәләне Радий Хәбиров. Бөтә уҡыу йылына 32 шәмбенең һигеҙендә тематик шәмбеләр үткәреү күҙаллана. Уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булһын өсөн теманы дөрөҫ итеп һайлау кәрәк тип иҫәпләй төбәк етәксеһе. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
27 октябрь Белорет-Учалы трассаһында, Илтабан һәм Ҡунаҡбай ауылдары араһында “Мерседес” автомобиле атҡа барып бәрелә. 27 октябрь Белорет-Учалы трассаһында, Илтабан һәм Ҡунаҡбай ауылдары араһында “Мерседес” автомобиле атҡа барып бәрелә. Был көндө яҡташыбыҙ Белорет ҡалаһынан кисләтеп кенә ҡайтып бара. Водитель кинәт ҡараңғыла юлға килеп сыҡҡан ат алдында туҡтап өлгөрмәйенсә, хайуанды төкөй. Ярай ҙа, бәхетенә, водитель зыян күрмәй, ә сит ил машинаһы селпәрәмә килә. Улай ғына, меҫкен ат та шок хәлендә була, күрәһең. Беренсе машинаға һуғылып йығылғандан һуң, кире тороп артабан сабып китергә уйлай, әммә “Мерседес”тың артынан килгән “Тойота Авенсис”ҡа һуғыла һәм шундуҡ йән бирә. -Машинам ныҡ зыян күрҙе, 300 мең һумлыҡ ремонт кәрәк, - ти яҡташыбыҙ. Ике водитель дә эште судҡа тапшырырға ниәтләй. Әлбиттә, әлеге осраҡта ике яҡ та йәл, аттың хужаһы малһыҙ ҡалды, ә зыян күреүселәргә машиналарын ремонтларға кәрәк. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Сарала эске эштәр органдары ветерандары етәксе ҡулынан үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Отставкалағы милиция прапорщигы В.А.Лубин “Ветерандар эшмәкәрлеге активисы” билдәһе, отставкалағы юстиция подполковнигы Т.В.Ваганова менән отставкалағы милиция старшинаһы В.В.Локоленко БР Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәре ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһынан Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Ғафури район эске эштәр бүлеге етәкселеге тарафынан бер төркөм ветерандарға Рәхмәт белдерелде. Артабан бүлектең ветерандар советы рәйесе, отставкалағы милиция майоры К.Ф.Хәлитов һүҙ алып, коллегаларын байрам менән тәбрикләне һәм ике тиҫтәләп ветеранға иҫтәлекле миҙалдар тапшырып үтте. Ҡотлау һәм бүләкләүҙәр район мәҙәниәт һарайы артистары Р.Хәбибуллина, Э.Насирова, Ф.Ғәлин, Х.Нәзиров башҡарған йырҙар менән үрелеп барҙы. Сара бүлек биләмәһендәге обелискыға сәскә гөлләмәләре һалыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
10-12 бәрәңге, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы аҡ май, ике аш ҡалағы он йәки сохари онтағы, бер баш һуған, дүрт аш ҡалағы ҡаймаҡ йәки май, тәменсә тоҙ һәм йәшел тәмләткестәр. Әҙерләү: Бәрәңгене әрсеп бешерергә. Һыуын һарҡытҡас, киптерә бирергә лә ҡайнар көйө иҙергә. Еңелсә һыуынған бәрәңгегә сей йомортҡа, ҡыҙҙырылған һуған һалып яҡшылап бутағас, кәтлиттәр яһарға. Онда йәки сохари онтағында әүәләгәс, ике яҡлап әҙер булғансы ҡыҙҙырырға. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан май йәки ҡаймаҡ ҡойоп, йәшел тәмләткестәр һибергә. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Өфө районының шәхси эшҡыуарҙары һәм предприятиелары ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә аҙыҡ - түлек наборы менән ярҙам итте. Ауыл хакимиәте башлыҡтары тарафынан үҙ ауылдарындағы ғаиләләргә ярма, макарон изделиелары, йәшелсә, икмәк продукттары, ит фаршы, көнбағыш майы һалынған ҡаптар тапшырылды. Улар район хакимиәте башлығының оло хәстәрлегенә, шәхси эшҡыуар, предприятие етәкселәренең яҡшылығына, изгелегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, аҙыҡ - түлекте ҡабул итте. Мәғлүмәт Өфө район хакимиәте башлығының төркөмөнән алынды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Хөкүмәте аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ пособие түләү өсөн төбәктәргә тағы 27,5 миллиард һум бүлә. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Хөкүмәт 8-17 йәшлек балаларға түләү өсөн тағы 27,5 миллиард һум бүлде Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт башлығы Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2022 йылдың апрелендә ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы индерелде. Ғаиләнең хәленә ҡарап, пособиеның күләме —бала өсөн төбәктәге йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процент. Ул айына 6 меңдән 13,5 мең һумға тиклем тәшкил итә. «Бындай ярҙам йән башына уртаса килеме төбәктәге бер кешегә йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған ғаиләләргә күрһәтелә. Пособиелар мохтажлыҡты комплекслы баһалауҙы ҡулланып тәғәйенләнә. Шуның менән бергә мохтажлыҡты иҫәпләгәндә 1 марттан һуң эшен юғалтҡан һәм мәшғүллек үҙәктәренә иҫәпкә торған граждандарҙың, шулай уҡ өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаилә ағзаһының килеме иҫәпкә алынмай», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Башинформ. Автор: Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Тәбиғәттең ниндәй миҙгеле – һалҡын ҡышмы, ҡояшлы яҙмы, эҫе йәйме, әллә алтын көҙмө – һыуҙа балыҡтай йөҙөүгә ни етә?! Тәбиғәттең ниндәй миҙгеле – һалҡын ҡышмы, ҡояшлы яҙмы, эҫе йәйме, әллә алтын көҙмө – һыуҙа балыҡтай йөҙөүгә ни етә?! Тиҙҙән көйөргәҙеләр ошо бәхеткә һөйөнәсәк. Райондың Ермолаевка ауылында 25 метр оҙонлоғондағы йөҙөү бассейны сафҡа индереләсәк. Төҙөлөш эштәре 2018 йылдың көҙөндә үк башланғайны. Объекттың дөйөм хаҡы - 100 миллион һумдан саҡ ҡына күберәк. Бассейн төҙөүҙең заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – “ГК Прогресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Спорт объектының дөйөм майҙаны 1,6 меңдән ашыу квадрат метрҙы тәшкил итә. Проектҡа ярашлы, 25 метр оҙонлоғондағы дүрт “юл” ҡаралған. Ул сәғәтенә 40 кешене хеҙмәтләндереү ҡеүәтенә эйә. Шуныһы һөйөнөслө: бинала вестибюль, гардероб, инструкторҙар (тренерҙар), табип, дежур шәфҡәт туташы, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, һыу анализын алыу өсөн лаборатория, санитар-көнкүреш, техник биналар урынлашасаҡ. 27 майға тиклем бассейн бинаһында эске эштәрҙең 95 проценты атҡарылған. Газ, һыу, ут, элемтә бәйләнеше – барыһы ла тоташтырылған. Әле төп эш – биләмәне төҙөкләндереү – ҡалған. Шулай итеп, бордюрҙар ҡуйыла, асфальт түшәлә һәм шаҡмаҡлап ҡырҡылған таш һалына. – Районыбыҙ өсөн был – өр-яңы һәм оҙаҡ көтөлгән объект, – ти Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. – Объекттың тапшырылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Районыбыҙҙың һәр ауылынан балалар бында шөғөлләнәсәк. Бассейн йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты ярҙамында мөмкин булды. Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте. Автор: Айһылыу Низамова https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Rayondi--r-auilinan-balalar-sh--ll-n-s-k-289976/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдин (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов) 1859 йылдың 4 ғинуарында элекке Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Кисеүат ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Түбәнге шыршылы мәҙрәсәһендә белем алып, Бөгөлмә өйәҙенең Илбәк ауылында мәҙрәсәлә мөҙәрис, хәлфә һәм мулла булып тора. Артабан Ырымбурҙа «Шура» журналының мөхәррире вазифаһын башҡара. 1891 йылда Өфөгә күсеп, Диниә назаратында эшләй башлағас, ғилем серҙәренә ныҡлабыраҡ тотона. Мәғрифәтсе ғалимдың «Аҫар» исемле күп томлы биографик хеҙмәте айырыуса әһәмиәткә эйә. 1906 – 1918 йылдарҙа Р. Фәхретдин Ырымбурҙа йәшәй, башта «Ваҡыт» гәзите мөхәррире була, аҙаҡ «Шура» журналына баш мөхәррир итеп саҡырыла. 1918 йылда Өфөгә ҡайта. Башта уны ҡазый, бер аҙҙан һуң, 1922 йылда, мөфтөй итеп һайлап ҡуялар. Өфөлә ул ғилми-тарихи эҙләнеүҙәрен, тикшеренеүҙерен, яҙуысылыҡ эшен дауам итә. Егерменсе йылдарҙың башынан алып ул «Ибн Фаҙландың Болғарға килеүе» исемле бәләкәй китабын, «Аҫар» әҫәренең яңы киҫәктәрен яҙып, баҫырға әҙерләй. Оҙаҡ йылдар буйына тупланған бай архивындағы материалдарҙы тәртипкә һала, бер өлөшөн күсереп, СССР Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институтына ебәрә. Рәсәй Фәндәр академияһы Башҡортостан ғилми үҙәгенең Ғилми архивында Р. Фәхретдиндең 40 томлыҡ ҡулъяҙмалар коллекцияһы тупланған. Был ҡомартҡылар – рухи мәҙәниәтебеҙ тарихының ҡиммәтле сығанаҡтары. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Башҡортостан уҡытыусыһы" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Теркәү тураһындағы ПИ ФС 77‑70646‑сы таныҡлыҡ 2017 йылдың 15 авгусында Элемтә, информацион технологиялар һәм киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы тарафынан бирелде. Ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик айлыҡ журнал Общественно-педагогический и научно-методический ежемесячный журнал. Издается с 1920 года. Главный редактор: Каримов С.Г.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#детибашкириисчастье #Башҡортостанбалалары Өфөләге агросәнәғәт форумында үткәрелгән “Иң яҡшы продукт” конкурсында Башҡортостандың һөт кухняһы беренсе дәрәжә диплом һәм алтын миҙал менән наградланды. Сабыйҙар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнгән дүрт төрлө витаминдар менән байытылған йогурт иң яҡшыһы тип табылды. Сәләмәт туҡланыу һәм тормош сифатын күтәреү - “Демография” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Был тәңгәлдә эш артабан да дауам итәсәк. Дәүләт автономиялы учреждениеһы составында алты модулле фабрика бар. Уларҙың һәр береһе тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөттө эшкәртә. Һөт кухнялары Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет һәм Сибай ҡалаларында урынлашҡан. Яңыраҡ Өфө ҡалаһында ла асылды. Йыл аҙағына тиклем махсус һөт продукты етештереүсе ике модулле фабрика эш башлаясаҡ. Фото:Bash.News. Автор: Дина Арсланова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Минең туған телем – башҡорт теле тиһәм дә, рус теле тиһәм дә, яңылышмаҫмын, тип уйлайым. Сөнки мин башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләнәм. Ауыр булһа ла, башҡорт телендә аралашырға тырышам. Сөнки ул йомшаҡ та, наҙлы ла, яғымлы ла. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең шиғырында башҡорт телен юҡҡа ғына ошондай юлдар менән данламай: Минең туған телем – башҡорт теле тиһәм дә, рус теле тиһәм дә, яңылышмаҫмын, тип уйлайым. Сөнки мин башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләнәм. Ауыр булһа ла, башҡорт телендә аралашырға тырышам. Сөнки ул йомшаҡ та, наҙлы ла, яғымлы ла. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең шиғырында башҡорт телен юҡҡа ғына ошондай юлдар менән данламай: Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорттеле! Бәләкәйҙән балалар бишек йырҙарын, әкиәттәрҙе, хикәйәләрҙе әсәләренән ишетә. Уның күңелендә туған теленә ҡарата һөйөү барлыҡҡа килә. Башҡорт ауылында йәшәһәк тә, бик күп ата-әсәләр үҙ балаларына икенсе телдә “мама”, “папа”, хатта “бабуля” тип өйрәтә һәм “әсәй”, “атай” тигән һүҙҙәрҙән кескәйҙәрен мәхрүм итә. Ҙурая килә улар туған телдәрен бөтөнләй онотасаҡ. Мәктәптә телдең нескәлектәренә төшөнәбеҙ, ҡағиҙәләрен үҙләштерәбеҙ, лексикаһын өйрәнәбеҙ. Шул ваҡытта уның ниндәй бай икәнен асыҡлайбыҙ. Бында беҙгә бөйөк шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ ярҙам итә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй, туған телдең ысын фанаттары итә. Йәмғиәткә килгәндә, ҡайһы бер балалар үҙ телдәренән ояла, вата-емерә рус телендә һөйләшә. Кем ғәйепле? Тәрбиә бит ғаиләнән башлана. Әгәр ата-әсә быға ҡул һелтәй икән, артабан нимә булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс. Телебеҙ тере булһа, илебеҙ ҙә һаҡланыр. Туған телеңдә уҡый-яҙа белмәү - үҙеңде хөрмәт итмәү. Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар ҙа, әйләнеп ҡайталар, туған телдәрендә моңло итеп һайрайҙар. Телһеҙ ҡалыу - Тыуған илһеҙ ҡалыу, тигәнде аңлата. Быйыл мәктәптә туған телдәрҙе теләк буйынса өйрәнергә мөмкин тигәнде ишеткәс тә, күбеһе рус телен өйрәнергә ташланды. Ата-әсәләр нимә уйлай икән? Әгәр бөгөн киләсәкте уйламаһаҡ, кем тырышыр беҙҙең өсөн? Киләсәк быуынға ниндәй телде ҡалдырырбыҙ? Телһеҙ кеше – яңғыҙ кеше, ә бер сәскә яланды матурламай. Шуның өсөн уяу булайыҡ, уянайыҡ, рухлы булайыҡ, битараф булып ҡалмайыҡ! Башҡорт теле - башҡорт халҡының милли теле. Туған телебеҙ тере икән, башҡорт халҡы ла йәшәйәсәк. Телебеҙ - халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы. Артем БОЧАРЕВ, Бахмут мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Киләһе йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты программаларын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда 6,1 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Киләһе йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты программаларын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда 6,1 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Быйыл был маҡсатта федераль бюджеттан 5 миллирд һум бүленгәйне. Был турала бөгөн республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов программаны тормошҡа ашырыуҙың йомғаҡтарына арналған йәмәғәтселек тикшереүендә хәбәр итте. Аҡса башлыса эре проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә: Өфөнөң транспорт юлдарын үҫтереү – был ҡалаға көньяҡтан инеү һәм Ағиҙел аша күпер төҙөүҙе дауам итеү. “Киләһе йылға беҙ Пугачев урамын төҙөкләндереү проектын тамамлайбыҙ һәм Салауат Юлаев проспекты менән Пугачев урамы киҫелешендәге юл үткәргесте төҙөкләндереүҙе башлайбыҙ”, – тине ул. 2020 йылда Ағиҙел йылғаһы аша Интернациональ урамы киҫелешендә яңы күпер төҙөй башлау планлаштырыла. Ул юлдарҙы М-5 һәм М-7 федераль трассаһынан килгән транзит транспорттан бушатасаҡ һәм Черниковка биҫтәһендә йәшәгәндәргә Ағиҙел аръяғы төбәктәренә сығыуҙы еңеләйтәсәк. Шаҡша һәм Затон күперҙәре капиталь ремонтҡа ябыласаҡ. Шулай уҡ киләһе йылда Стәрлетамаҡта ла Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе реконструкциялау башланасаҡ. “Башҡортостанда бөгөнгә ҡарата эҫе асфальт-бетон һалыу эштәре тамамланды. 20 объектта барьер сикләүҙәре ҡуйыла, терморазметка буяйҙар, юл билдәләре ҡуялар һәм биләмәләрҙе тәртипкә килтерәләр. Был эштәр 30 ноябрҙә тамамланасаҡ”, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов. Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты буйынса 388 километр юл ремонтланды, барлығы 1200 километр юлда юл япмаһы яңыртылды. Стәрлетамаҡ агломерацияһы юлдарында эш дауам итә, унда быйыл федераль бюджет аҡсаларына 50 километр юл ремонтланды. Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, былтырғы менән сағыштырғанда юлдағы үлем һаны 18,8 процентҡа кәмене. Уның һүҙҙәре буйынса, был Рәсәйҙәге иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе, тик артабан эшләйһе урындар ҙа күп. “Авариялар һанын кәметеүҙең төп элементы – юл япмаһын модернизациялау, разметкалар һыҙыу. Быйыл төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге бар юлдар ҙа һыҙылды. Киләһе йылда төп көс фото һәм видеотеркәү камераларын арттырыуға йүнәлтеләсәк. Быйылдан федераль юлдарҙа 59 камера эшләй башлаясаҡ, 62 аппарат Өфөлә ҡуйыласаҡ. Дөйөм алғанда республика буйынса 2020 йылдың 1 майына тиклем юлдарҙа 1000 камера ҡуйылырға тейеш”, – тине комитет рәйесе. Фото: bash.news #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө уңайынан Ҡашҡа урта мәктәбенең 2-се класында матур сара үтә. Класс етәксеһе Раушания Шакирова ветеран уҡытыусыларҙы һәм оло йәштәге әүҙем ағинәйҙәрҙе саҡырып, “Һеҙ иң гүзәл кеше икәнһегеҙ” тигән класс сәғәте ойоштора. Уҡыусылар уҡытыусы апайҙары етәкселегендә матур шиғырҙар, дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр әҙерләп, оло йәштәгеләрҙе һөйөндөрә. Ә ҡунаҡтар — Рәфидә Кәлимуллина, Сания Сәлихова, Зилә Ахунова , үҙ сиратында, балалар алдында сығыш яһап, уларға фәһемле кәңәштәрен еткерә, тырышып уҡырға, тәртипле булырға өндәй, бүләктәр ҙә тарата. Сания Зәйннулла ҡыҙы класта уҡыр өсөн Сергей Михалковтың шиғырҙар йыйынтығын да бүләк итә. Мәктәп китапханасыһы Зифа Ғәлимова йомаҡтар әйтеп, еңеүселәргә тәмлекәстәр тарата. Сара бергәләп сәй эсеү менән тамамлана. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Өфөлә тәүге тапҡыр «Ҡымыҙсылар-2018» фестивале ойошторола. Фестивалдә Башҡортостандың төрлө райондарынан 15-тән ашыу ҡымыҙ етештереүсе үҙ ҡымыҙын тәҡдим итә. Өфөлә тәүге тапҡыр «Ҡымыҙсылар-2018» фестивале ойошторола. Фестивалдә Башҡортостандың төрлө райондарынан 15-тән ашыу ҡымыҙ етештереүсе үҙ ҡымыҙын тәҡдим итә. Фестиваль 19 августа Яҡутов исемендәге паркта старт ала. Иртәнге 11-ҙә ҡымыҙ йәрминкәһе башлана, ул кискә ҡәҙәр дауам итә. Сараны рәсми асыу тантанаһы сәғәт 4-кә билдәләнгән. Унда республиканың төрлө мөйөштәренән килтерелгән ҡымыҙҙың тиҫтәләгән төрөн тәмләп ҡарарға мөмкин. Фестивалдә концерт, конкурстар һәм ҡымыҙ уйнатыу, уҡтан атыу, «Башҡортостанда ҡымыҙ һәм ҡымыҙ менән дауаланыу тарихы» фотокүргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана. Ҡымыҙ аллеяһы, Бал аллеяһы, Сувенирҙар һәм башҡорт милли аштары аллеяһы, этник стилдәге фотозоналар эшләй. Фестивалде ойоштороусылар — Өфө эшҡыуары Вадим Йомабаев һәм баш ҡаланың Совет районы хакимиәте. «Тап башҡорт ҡымыҙы иҫ киткес шәп һәм шифалы эсемлектең үҙенсәлекле даны һәм тарихына эйә. XIX һәм XX быуатта күп кенә рус шағирҙары һәм яҙыусылары: Толстой, Даль, Мамин-Сибиряк, Чехов, Цветаева һәм башҡалар ҡымыҙ менән һаулыҡтарын нығытырға килгән, — ти Вадим Йомабаев. — Мин Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә ҡымыҙ индустрияһының киләсәге ҙур булыр тип уйлайым. Беҙ иһә ҡымыҙ модаһын индереүсе, уның эталоны булырға тейешбеҙ, сөнки быға хоҡуғыбыҙ һәм мөмкинлектәребеҙ, шулай уҡ үтәү өсөн ресурстар бар. Йыл һайын ойошторолған фестиваль ошо ҙур киләсәккә аҙымдарҙың береһе булыр тип ышанам». http://www.bashinform.ru/news/1197062-v-ufe-vpervye-proydet-festival-bashkirskogo-kumysa-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Өфөлә һәм республиканың ҡайһы бер райондарында еңелсә буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-нан. Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы күҙәтелә. Өфөлә һәм республиканың ҡайһы бер райондарында еңелсә буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-нан. «Водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш бирәм. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!», — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов «Фейсбук»та. Бынан тыш, Өфө мэрияһында үткән оперативкала водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш иттеләр. https://www.bashinform.ru/news/1519461-gibdd-bashkirii-rekomenduet-voditelyam-soblyudat-skorostnoy-rezhim-i-distantsiyu-iz-za-meteli/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Көҙ уңыш йыйыу мәле генә түгел, юлдарҙы ремонтлау осоро ла. Тап ошо мәлдә федераль, республика ҡаҙнаһынан төбәк юлдарын ремонтлауға аҡса бүленә. Сибай ҡалаһында ла быйыл был тәңгәлдә күп кенә эштәр атҡарылды. Ҡала урамдарын төҙөкләндереүгә, ихаталарҙы рәтләүгә 70 миллион һумдан ашыу субсидия бүленһә, шуның 68 миллионы республика фондынан, ҡалған сығымдар—урындағы бюджеттан. Көҙ уңыш йыйыу мәле генә түгел, юлдарҙы ремонтлау осоро ла. Тап ошо мәлдә федераль, республика ҡаҙнаһынан төбәк юлдарын ремонтлауға аҡса бүленә. Сибай ҡалаһында ла быйыл был тәңгәлдә күп кенә эштәр атҡарылды. Ҡала урамдарын төҙөкләндереүгә, ихаталарҙы рәтләүгә 70 миллион һумдан ашыу субсидия бүленһә, шуның 68 миллионы республика фондынан, ҡалған сығымдар—урындағы бюджеттан. —Бүленгән аҡса тулыһынса ремонт эштәренә йүнәлтелде. Һуңғы осорҙа ғына ҡалала бөтәһе 6,5 саҡрым юл япмаһы рәтләнде, дөйөм майҙаны 57, 5 мең квадрат метр тәшкил иткән квартал ихаталары төҙөкләндерелде,—ти ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә буйынса бүлек хеҙмәткәре Светлана Толмакова. Юлдарҙы ремонтлау менән башлыса «Сибайдорстрой» йәмғиәте эшселәре булыша. Сентябрь-октябрь айҙарында улар Белов, Пархоменко, Достоевский, Димитров, Маяковский урамдарында, Таусылар проспектында уңышлы эшләгән. Сибайҙар Кленовая урамынан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы руднигына табан йүнәлгән Көнсығыш шоссеһында асфальт яңырыуға ифрат ҡыуана. Арҡайым ҡасабаһының үҙәк Ш.Сибаев урамында 1 саҡрым оҙонлоғонда тротуар һалынды. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә эшләнгән был изге эшкә республика һәм урындағы ҡаҙнанан 994200 һум аҡса бүленгән. Төҙөлөштөң подрядсыһы—шәхси эшҡыуар И.И.Fафаров. Етәксе, проектта бордюр һалыу ҡаралмаһа ла, башлыса балалар йөрөйәсәк тротуарҙы оло юлдан махсус ҡоролма менән айыртҡан. —Бик уңайлы булды. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ мәктәптән сыға ла ялтлап ятҡан асфальт һуҡмаҡтан өйҙәренә ашыға. Тротуарҙың урам осона тиклем һуҙылыуы ҡыуаныслы,—ти быйыл Арҡайым мәктәбенең 1-се класына барыусы балаларҙың ата-әсәләре.—Етәкселәргә, тротуар һалыу-сыларға ҙур рәхмәт. Эшселәр көн-төн тип тормай, ямғырҙа ла, һыуыҡта ла тирләп-бешеп эшләне, балалар шыма ерҙән йөрөһөн тип тырышты, хәүефһеҙлекте ҡайғыртты. Күптәр иҫке бордюр теҙәләр тип зарланһалар ҙа, барҙың барлығы тейә. Әлеге көндә ҡалаға Ҡыҙыл ҡасабаһынан ингән юлдың бер өлөшө төҙөкләндерелә. Тимер юлы өҫтөндәге күпергә ҡәҙәр урында ремонт эштәре тамамланды ла инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, юлдың башҡа урынында ремонт дауам иткәнлектән әлеге көндә лә транзит транспорт икенсе юлдан йөрөргә мәжбүр. Объектты шәхсән контролдә тотҡан ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов тырыш хеҙмәттәре өсөн «Сибайдорстрой» йәмғиәте прорабы Александр Елизарьевҡа рәхмәттәрен белдерә. Ошо миҙгелдә генә йәмғиәт эшселәре ҡаланың 67151 квадрат метр юл япмаһына асфальт түшәгән, 11335 квадрат метр тәшкил иткән ихаталарҙы төҙөкләндергән.
Башҡортостан юлдарында 2020 йылға планлаштырылған 609 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексының 150-һе ҡуйылды. «Тәүге 150 комплекс Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондарында, шулай уҡ Нефтекамала һәм Ағиҙелдә эшләй. Уларҙың бөтәһе лә тиҙлек режимын боҙоуҙарҙы теркәй», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Ҡалған 459 комплексты бөтә ерҙә лә 2020 йылдың 1 майына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. 2017 йыл менән сағыштырғанда, ошо проект ярҙамында республикала юл фажиғәләрендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү планлаштырыла. Бынан тыш, проект юлдарҙа юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлгән урындарҙы ике тапҡырға кәметеүҙе күҙ уңында тота. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Заманында районыбыҙҙа бер нисә һөт ҡабул итеү пункты, шул иҫәптән Еҙем-Ҡаранда ла эшләп килгән. Ул башта Красноусол, артабан Стәрлетамаҡ һөт заводтарына ҡарай. Бер нисә йыл элек эшмәкәрлеге туҡтап, унда эшләүселәр эшһеҙ ҡала. Шулай уҡ Баҡраҡ ауылынан ирле-ҡатынлы Ибраһимовтар - лаборантка булып эшләгән Альбина Әхәт ҡыҙы менән аппаратсы Рөстәм Әнүәр улы ла. Төп эштәренән тыш, улар Баҡраҡ һәм Еҙем-Ҡаран ауылдарында шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйып, пунктҡа килтереп тапшырғандар. Шуға ла ике тиҫтә йылға яҡын һөт йыйыу менән шөғөлләнгән Ибраһимовтарҙы эшһеҙ ҡалған, тип әйтеп тә булмай, сөнки халыҡ өсөн кәрәкле был эште дауам итәләр. Был тәңгәлдә үҙ эштәрен асырға уйлап, һөт ҡабул итеү пунктын бер йылға ҡуртымға алып эшләп ҡарайҙар. Әммә кешенеке һинеке булмай икәнен аңлап, бындай цехты үҙҙәренекен асыу уйы менән яна башлайҙар. Һәм уйлағандарын тормошҡа ашырып, ниһайәт, үҙ көстәре менән Еҙем-Ҡаран ауылында өр-яңы цех асырға йөрьәт итәләр һәм быйыл мартта үҙ эшмәкәрлектәрен башлап ебәрәләр. Бында өс кеше үҙенә эш урыны тапҡан. -Беҙ был цехты дәүләттән дә, бер ҡайҙан да ярҙам алмай, бер ниндәй ҙә программаларҙа ҡатнашмай, үҙ көсөбөҙ, йәғни малдан (күпләп мал-тыуар аҫрайҙар) килгән аҡсаға төҙөп, барлыҡ кәрәкле ҡорамалдарҙы ла йүнләнек, ике һөт ташыу автомашинаһы (“Молоковоз”) һатып алдыҡ, “УАЗ”-ыбыҙ бар, - ти Альбина Әхәт ҡыҙы. Ибраһимовтарҙың һөт ҡабул итеү пункты көнөнә 20 тоннаға яҡын һөттө ҡабул итеп, уның ҡуйылығы, таҙалығы тикшерелеп, һыуытылып республиканың бер нисә һөт эшкәртеү комбинатына оҙатыла. Ауырғазы, Архангел райондары, Сәйетбаба, Имәндәш ауыл биләмәләре, “Р.В.Мөьминов”, “Р.Ғ.Ғафаров”, "Р.Р.Йомағолов", “Урожай” хужалыҡтары менән хеҙмәттәшлек итәләр. Яҡын-тирә ауылдарҙың һөт йыйыусылары һөт ҡабул итеү пунктына үҙҙәре килтереп тапшырһа, йыраҡтағыларына һөт ташыу автомашиналары юллана. Уларҙы водителдәр Абдулла ауылынан Радик Аҙнабаев менән Еҙем-Ҡарандан Фәрис Ғимранов хеҙмәтләндерә. Ҡыш көнө һөт әҙ йыйылған мәлдә “УАЗ” ташып өлгөртә. -Эшмәкәрлек алып барыуҙа ауылдарҙағы һөт йыйыусыларҙың ныҡлы терәк-таянысын тойоп эш итәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре йыл әйләнәһенә, хатта ҡышын да һөт йыйып тапшырыу эшен туҡтатмай. Был тәңгәлдә Яңы Тайыш ауылынан Әлфиҙә Үтәгәнованы маҡтап телгә алырға теләйем. Нисәмә йылдар шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу менән шөғөлләнеүселәрҙән Юлыҡтан Мәхәмәтгәрәй Кинйәғолов, Абдулла ауылынан Илдар Сәғитов, Яңы Еректән Алексей Иванов, Үзбәктән Ринат Ғәйнуллин, Юрмаштан Илдар Салауатов, Имәндәштән Мирза Муллашев, Таш-Аҫтынан Таңгөл Ҡаранаева, Сәйетбабанан Ришат Рахманғоловты айырып билдәләп үтергә кәрәк. Һөт йыйыусыларға ла, тапшырыусыларға ла рәхмәтлебеҙ. Ә бына Еҙем-Ҡаран ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рөстәм Йомағоловҡа айырыуса рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, хәстәрлекле, бер төптән, бер-беребеҙгә ярҙамлашып эшләйбеҙ, эш башлаған мәлдәрҙә тос ярҙамын тойҙоҡ, - ти А.Ибраһимова. – Ә бына Яҡтыкүлдән йөрөп эшләгән Рима Муллағолова һөт ҡабул итеү пунктында минең ярҙамсым. Әлбиттә, һөттө йыйыу менән генә түгел, килешеүҙәр төҙөшөп, тапшырылған һәр килограмм һөт өсөн үҙ ваҡытында иҫәп-хисап яһарға ла кәрәк. Ә Ибраһимовтарҙың эшмәкәрлеге был йәһәттән ышанысҡа ҡоролған. Булдыҡлылыҡтары, эшлеклелектәре менән билдәле, алға ҡарап эш иткән Баҡраҡ ауылы эшҡыуарҙары Альбина менән Рөстәм Ибраһимовтар киләсәктә пункт биләмәһендә сауҙа нөктәһе асыу, үҙҙәре етештергән һыйыр һөтөн 1,5 литрлы шешәләргә тултырып һатыу уй-пландары менән янып йәшәй. Тырышҡан - таш ярыр, тигәндәй, эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәндә кисә, йәғни 20 августа район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовтың эш кабинетында уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, магазин төҙөлөшө буйынса үҙ проектын тәҡдим иткән Альбина Ибраһимованың проекты хупланып, яҡлау тапты. Эшҡыуарға милек ярҙамы күрһәтеү - ер участкаһы бүлеү ҡарары сығарылды. Индира ИШКИНА. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе. Ул билдәле башҡорт ғалимы һәм әҙәбиәтсеһе, академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә әҙерләнгән һәм 1990-1996 йылдарҙа алты томда сыҡҡан баҫманың дауамы булып тора. Тәүге ике том боронғо замандарҙан алып 1917 йылға тиклем башҡорт әҙәбиәтен анализлай; артабанғы томдар совет осорона бағышланған. Алтынсы томда ХХ быуаттың 90-сы йылдарының беренсе яртыһындағы постсовет башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһала. «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы заманса башҡорт әҙәбиәтен анализлауға арналған. Ул ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан бөгөнгә көнгә тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Китапта шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит тураһында күҙәтеү мәҡәләләре тупланған. Нәжиб Асанбаев, Шакир Янбаев, Талха Ғиниәтуллин, Әнғәм Атнабаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Әмир Әминев һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының тормошо, ижады хаҡында айырым мәҡәләләр индерелгән. Томда 1995-2015 йылдарҙы үҙ эсенә алған әҙәби тормош йылъяҙмаһы ла бар. Баш мөхәррир һәм инеш һүҙ авторы – филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов. Редколлегияла Рауил Бикбаев, Айбулат Псәнчин, Ғайса Хөсәйенов, Гөлнара Абдрафиҡова бар. Китап уҡытыусылар, студенттар, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Башҡортостандан ике театрҙың спектаклдәре Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһының «Эксперт советы фекеренсә 2019-2020 йылдар миҙгеленең билдәле спектаклдәре» исемлегенә инде. Башҡортостандан ике театрҙың спектаклдәре Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһының «Эксперт советы фекеренсә 2019-2020 йылдар миҙгеленең билдәле спектаклдәре» исемлегенә инде. Тәүгеһе – ҡуйыусы дирижер Артем Макаровтың һәм театр оркестрының эше өсөн Башҡорт опера һәм балет театрының «Конек-Горбунок» балеты. Икенсе спектакль — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Гөлбостан»ы, режиссеры Айрат Абушахманов. XXVII фестивалде уҙғарыу датаһы һуңғараҡ иғлан ителә. Бөгөн матбуғат конференцияһында «Алтын битлек»тең директоры Мария Ревякина киләһе йылда Достоевскийҙың 200 йыллығына махсус программа буласағын әйтте. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
– Исмаһам, дөмөкмәй ҙә бит. Үлгәнен күрер көнөм булырмы икән, Хоҙайым. Мәйетен өйҙән алып киткәс тә, әхирәткәйем, үҙеңә күлдәклек бирер инем, –Мәстүрә өҫтәлгә табан боролдо. ‒Яһа әле шул сәйеңде. Уф, тамағыма арҡыры ултырған һымаҡ шул йүнһеҙең. Берәйһе һуғып ҡына үлтерһә ярар ине, Раббым. Тамам үтте үҙәгемә… – Исмаһам, дөмөкмәй ҙә бит. Үлгәнен күрер көнөм булырмы икән, Хоҙайым. Мәйетен өйҙән алып киткәс тә, әхирәткәйем, үҙеңә күлдәклек бирер инем, –Мәстүрә өҫтәлгә табан боролдо. ‒Яһа әле шул сәйеңде. Уф, тамағыма арҡыры ултырған һымаҡ шул йүнһеҙең. Берәйһе һуғып ҡына үлтерһә ярар ине, Раббым. Тамам үтте үҙәгемә… Әхирәтенең хәлен белеп бөткән Ғәлимә өндәшмәне. Кәйефе ҡырылһа, һуңғы ваҡыт ирен тиргәй ҙә тора, ҡарғай башлай. Бер уйлаһаң, Исмәғил дә бынамын тигән. Эйе, аҙ-маҙ төшөргөләп ала, тик ауылда ҡайһы ир эскеләмәй һуң? Утыны кәрәкћє, лесникҡа тотоп бараһың, һалам-бесәнен дә шул нәмәһеҙ килтереп бирмәйҙәр, тирмән тарттырыу, баҡса һөрҙөрөү, сираттағы көтөүҙе уҙғарып ебәреү... һанап бөткөһөҙ. Эргәһендә малайҙары булмағас, кешегә инәлергә ҡала инде. Ике ҡыҙы үҫеп етеп, кейәүгә сығып киттеләр ҙә ҡайтҡандары ла юҡ. Ҡайтһалар ҙа, кәйеф-сафа ҡороуҙан бушамайҙар. Бер Исмәғил ни эшләһен? Хәлдән тайғансы өҙгөләнеп, кеше ыңғайына өй бөтөрҙө, яңыраҡ аҙбар һалды. Юҡ, ярамағас ярамай инде Мәстүрәгә. – Һуғып ҡына үлтермәйҙәр бит шуны. Кисә тағы лаяҡыл иҫереп ҡайтҡан. Уф…– Мәстүрә сәйен әрһеҙләнеп һемерҙе. – Ай, бигерәк эҫе… Ҡана, йылтыр тышлы кәнфиттәрең юҡмы ни шунда? Йә, ярай, булмаһа. Үҙем тотоп килергә баш эшләмәгән шул. Анау, ала күҙ хәстрүшкә үртәнеп сығып киттем, онотҡанмын… Ғәлимә Исмәғилдең яҙғы ауыр ҡар аҫтында һынған кәртә-ҡортаһын йүнәтеп, ҡағаһын ҡағып, иҫкергәнен алмаштырып йөрөгәнен күргәйне. – Бәй, ҡар көрәп, кәртә менән булаша ине түгелме һуң кисә? – тип, аптырап һораған булды ул. – Тотто, ти, тотмай ни. Мин ҡыуып сығарғас, йөрөнө инде шунда һәлберәп, балта-сүкешен һелтәп. Үтте ғүмерем шуның менән, дөмөкмәй ҙә, исмаһам. Бына ҡара, элекке сибәркәйҙән ни тороп ҡалды, – Мәстүрә өҫтәл артынан тороп, әйләнгеләп алды. Күкрәктәрен өҫкә күтәргеләне, арт һынына шапылдатып һуҡты. – Шәл бәйләп, өй һалдырттым, шәл бәйләп, аҙбар яңырттырҙым. Аҡса тапҡас, любой мужик килеп эшләп бирә инде ул. Ҡырҡ биштә әбей булып ултыр инде… Ғәлимә түҙмәне. Әхирәтенең һүҙ күтәрмәүен белһә лә, уйлағанын әйтергә булды. – Һин, Мәстүрә, иреңде ҡарғама… – Атаҡ-атаҡ, әхирәтен яҡламай, бер йолҡошто яҡлап торасы. Ирме ни ул, урам алкашы, сепрәк! – Мәстүрә ҡыҙҙы, мейес артына барып, лыстлатып төкөрҙө. – Яҡлағандан түгел, бына минең ирем үлгәнгә ун йыл. Утыҙ биштә тол ҡалдым… – Һуң, индерергә ине берәйһен йортоңа. Кем һиңә йәшләй ҡартайырға ҡушҡан? – Эш ир индереүҙәме ни, минең Басирыма барыбер етмәҫ ине. Һуңынан, балаларға атай була аламы йортҡа ингән ир? – Ғәлимә тынып торҙо… Моғайын, күҙ алдына һөйгәне килеп баҫҡандыр. – Малайҙар бит. Бына береһе өйләнде, икенсеһе әрменән ҡайтырға тора. Аллаһы бойорһа. –Ә минеке дөмөкһә, уйлап та тормай, берәр настоящий мужикты индерер инем. Ҡыҙҙарҙың хәҙер үҙ донъяһы. Кейәүҙәрҙе ус төбөндә генә бейетәләр, үҙемә оҡшағандар… – Мәстүрә ҡәнәғәт йылмайҙы. Ләкин оҙаҡҡа түгел, йөҙөн тағы болот шаршауылай ҡара һөрөм ҡапланы. Нисектер төптән, эстән янып ҡарая ине ул. –Дөмөкһә генә ярар ине. Берәйһе һуғып ҡына үлтермәй бит шуны, Хоҙайым… –Һин, Мәстүрә ҡарғама, ярамай улай. Өйҙө лә, аҙбарҙы ла шәл бәйләп кенә һалып булмай. Боронғолар, һаҫыҡ булһа ла, ҡартың булһын, тип юҡҡа ғына әйтмәгән. – Ғәлимә етдиләнде. – Шунан һуң, ҡарғаған сағыңда Хоҙайҙы иҫкә алма. Ул ундай кешене яратмай, хилаф, гөнаһлы эште хупламай… Ишек “шап” итеп ябылды. Быға тиклем йомшаҡ ултырғыста ирәйеп китеп йоҡлаған бесәй тертләп китте. Түбә таҡтаһы араһынан тупраҡ ҡойолдо. Урам яғынан Мәстүрәнең тауышы оҙаҡ ишетелеп барҙы: «Әхирәт тигән булып һүҙ һөйләгән булам бит әле. Үҙе бер йолҡошто яҡлап тора. Тфү…» – Эх-х, – тип ауыр һуланы Ғәлимә. Өҫтәл артына барып ултырҙы ла самауыр мороно аҫтына сынаяғын ҡуйҙы. – Басирым иҫән булһа-а… Ниңә генә беҙ, ‒ҡатындар, ‒ир ҡәҙерен үҙҙәре янда булғанда белмәйбеҙ икән? Ғәлимә күҙ алдынан уңала башлаған, киреһенсә, хәтеренә, күңеленә уның һайын нығыраҡ уйыла барған иҫтәлектәрен барларға тырышты. Барыһы бергә буталды, уҡмашты, сорналды. Һис береһе ҡалҡып сығып, айырым ғына һүтелергә уйламаны. Шулай ҙа… Ах, ул иртә. Таң һарыһы ла беленмәҫ борон Басирҙың йылы, балта һабынан һөйәлләнеп ҡытыршыланған, шул уҡ ваҡытта ирҙәргә генә хас хәстәрлекле ҡулдың һыйпауына уянып китте Ғәлимә. Һөйгәненең ирлеген ҡуҙғытырлыҡ, сәмен уятырлыҡ итеп кенә ыңғырашып алған булды ла, тәнен һыйпаған, наҙлаған ҡулдар иркәләүенә, ҡолағына йылы һулышын бөркөп, йыш-йыш тын алыуына, сығып килгән һаҡал-мыйығы муйынын, ҡулбаштарын еңелсә ҡытыҡлауына, ҡайнар ирендәренең һаҡ ҡына үбеүенә илерәп ятыуын белде. Шул саҡ ҡатындың да күкрәк тәңгәлендә әйтеп аңлаталмаҫлыҡ хис-тойғо урғылды, шарламалай ташып, тамаҡ төбөнә үрмәләне, уртында теле тыңлашманы, йәне-тәне үрһәләнде… Яратты Басир ҡатынын. Юҡ, китаптарҙа яҙылғанса, боронғо ҡиссаларҙа һөйләнгәнсә түгел, башҡаса – Басирса яратты. Ҡояштың тәүге нурҙары ерҙе алһыу төҫкә мансығандан алып, тирә-яҡты зәңгәр моңһоулыҡҡа күмә башлағансы, дала һыҙаты артына төшөп киткәнсе һөйгәненең һәр хәрәкәтен күҙәтер ине, билләһи. Бигерәк тә ай яҡтыһында, Ғәлимәһе әллә нисәмә дилбегә етмәҫ оҙонлоҡтағы көн һуҙымында арып, алйып йоҡлап киткәс, уның тәне менән һоҡланырға яратыр булды. Был сағында Аллаһы Тәғәләнең фәрештәһе ир менән ҡатынға йөкмәгән бурысты үтәгән була Басир. Ә Ғәлимә, иренең ғәҙәтенә күнеп бөткән ҡатын, юрғанын өҫтөнә тарта ла, тағы йоҡо тигән илаһи серлелеккә сума. Рәхәт уға был саҡта: быуындар йомшарған, талсыҡҡан тәне буйлап таралған ләззәт кисерештәре үҙен йәйғор-күпер аша алып сығып, ожмах баҡсаһы буйлап йөрөтә төҫлө… Төн ҡыҫҡа, ай-һай, бик ҡыҫҡа шул: тора-бара айҙың көмөш нурҙары һүрелә, төҫһөҙләнә, ир менән ҡатындың аңын, ер-йөҙөнә ятҡан эңер, томан һымаҡ, сәйер тойғо биләй бара. Мәшәҡәтле лә, ығы-зығылы ла яңы таң ата. Үҙе әлегә күренмәгән дә ҡояштың алһыу нурҙары барса йәшеллектән ынйылай емелдәшкән ысыҡ бөртөктәрен ҡойорға тотона… Эх, белһә икән Ғәлимә ошо саҡта һуңғы тапҡыр ире ҡосағында иреүен. Алдарына теҙләнер, имгәкләр, ялыныр, ялбарыр, әммә эшкә ебәрмәҫ ине. Күңеле һиҙҙе бит, һиҙҙе. Атлап түгел, осоп йөрөнө Басир ул көндө: келәттән балтаһын алып сыҡты, ҡатыны әҙерләгәнде лә көтөп тормайынса, ашарғаһын хәстәрләне, бысҡыһын тырылдатып алды. Үҙе шат, һис ҡасан булмағанса шат ине! – Ғәлимә, бөгөн ауҙарып бөтәбеҙ, шунан инде, бүрәнәләрҙе ташып, бурайһы ғына ҡала. Быйыл уҡ күтәреп, башын ябып ҡуям, – тине лә Басир, ҡатынын ҡосаҡлап үпте. – Өй буласаҡ, яңы өй! – Атаҡ-атаҡ, ни ҡыланыуың ул? – тип аптыраны Ғәлимә, иренең егеттәрсә ҡыланыуына аптырап. Үҙенә шундай рәхәт ине – әйтеп кенә аңлатырлыҡ, һөйләп кенә бирерлек түгел кисерештәрен. – Алла бойорһа, тиген. Өй һалыуҙы әйтәм, Алла бойорһа… – Һәй, Алла бирһә лә һалам, бирмәһә лә һалам. Бүрәнәһе генә килһен… Басир урманға китеп, өс-дүрт сәғәт үттеме-юҡмы, уларҙың ҡапҡаһын иренә ярҙамлашырға барған егет асты… Ҡабаланғанмы Басир, күрәсәге шул булғанмы, һуңғы ағастарын йыҡҡан саҡта ауҙарылғаны икенсеһенә барып һөйәлгән. Әжәл ҡабаландырғандыр инде, уны-быны уйлап тормай, ир ауғанын тотоп торғанының олонона бысҡыһын батыра. Уныһы иһә, бысылып та бөтмәй, ярылып китә. Һөйәлгәне, гөрһөлдәп, бысҡыһын алырға аҙапланған Басир өҫтөнә төшә… Дөп-п… Уйҙарына бирелеп ултырған Ғәлимә тертләп китте. Ишек шар асылды ла унан курткаһының иҙеүҙәре ысҡынған, өҫ-башы туҙған Мәстүрә күренде. –Ней, ней… Ғә-Ғә… Ай-й… –Ни булды, йә әйт, ни булды, Мәстүрәкәйем? ‒ Ғәлимәнең башындағы, был мине баяғы һүҙҙәр өсөн һүгергә килгән икән, тигән уйҙарының әҫәре лә ҡалманы. – Йә, әйт, ни булды? – И-исмә-ғи-илл… – Исмәғил менән берәй нәмә булдымы әллә? Ниңә өндәшмәйһең? Мә, сәй уртла, эс-эс… –Исмәғи-ил… Шарлауыҡҡа төшкән, йылғаға-а… Аты нимәнәндер өркөп, сығыштан 20-30 метр түбәндәрәк, йылғаның ҡышын да туңып бармаған еренә ҡайырылған. Йоҡа, йылға ситтәрендә «туш» ҡалҡытҡан боҙ аты тәңгәлендә генә ярылған. Сана, ҡалҡыуғыс һымаҡ, яртылаш өҫтә ҡалған. Хайуанҡай тонсоҡҡан, бата башлаған. Исмәғил, балтаһын алып, ҡамыт бауҙарын, арҡалығын киҫергә төшкән. Ләкин, атын быуған, аҫҡа һөйрәгән бауҙарынан ысҡындырыуы була, үҙенең аҫтынан боҙ убыла… Оҙаҡ эҙләнеләр Исмәғилде. Боҙҙо быстылар, лом, балта менән сапҡыланылар, ырғаҡтар батырҙылар. Баҡһаң, төшкән еренән алыҫ та аҡмаған икән, ситтәге тал тамырына эләгеп ҡалған. Шулай итеп, апрелдең башы ҡайғы алып килде Мәстүрәгә. Етмәһә, үҙәген өҙөп, бер туҡтауһыҙ аты кешнәне, хужаһын таптырҙы. Һалған бесәнен, һолоһон ашаманы, сапсынды ла кешнәне, сапсынды ла кешнәне. Ахыр сиктә, Мәстүрә түҙмәне, сығарып ебәрҙе. Меҫкенкәйең, зыяратҡа барып, ҡапҡаһы яҡлап ҡына ерләнгән Исмәғилдең ҡәбере тәңгәленән китмәне. Ябыҡты, һөлдәгә ҡалды, кипте. Аҙна-ун көн тигәндә зыяраттың нишләптер асыҡ ҡалған ҡапҡаһынан ингән дә, хужаһы ҡәберенә башын һалып, йән биргән… Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Ике әхирәт, береһе утыҙ биш йәштә, икенсеһе ҡырҡ биштә генә тол ҡалған ике йәш ҡатын, үҙҙәренсә донъя көтөргә тырышты, теге мәшәҡәткә сумды, был… Ләкин, нисек кенә уңған булмаһындар, ирһеҙлек үҙенекен итте. Ярай әле Ғәлимәнең улдары бар – ял көндәрендә ҡағаһын ҡағып, төҙәтәһен төҙәтеп китәләр, ә бына Мәстүрәнең ҡыҙҙары ҡайтманы. Хатта, һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, аталарын ерләргә лә… Хужаһы булмағас, әйтерһең, Исмәғил ҡорған йорт-ҡураны өй менән аҙбар эйәһе ташлап китте. Ҡотһоҙлоҡ баҫты: тәүҙә аҙбарҙа мал бөттө, хатта тауыҡтар ҙа ҡалманы; һуңынан әле бер бағана сереп ауҙы, әле икенсеһе ҡыйшайҙы, рәшәткә-кәртәләр емерелде, һынды. Өй ҙә, ҡарайып, өс-дүрт йыл эсендә теҙ сүккәндәй итте. –Белмәйем, әхирәт, – тине Мәстүрә ингән сағында, – ҡыҙҙар бер мужикты димләй ҙә ул, әллә, тим, йортҡа индерәйемме икән? Бигерәк ҡыйын, күңелһеҙ бит, әле иллегә лә кермәгәнбеҙ… – Кем һуң ул, мужик тигәнең, үҙен күреп беләһеңме? Ишетмәгән-белмәгән кешегә кит тә бар, имеш. Ай-һай, уйлап эш ит, әхирәткәйем… – Әлиә ҡыҙым мужиктарҙа разбираться итә инде, хи-хи-хи…– Мәстүрә кеткелдәп алды, мут йылмайып, һүҙен дауам итте:– Үҙе бит өсөнсөгә бара. Барһын, тәүгеһе бер мәжнүн, быҙау булды. Уныһына итәк тулы бала кәрәкте. Минең ҡыҙ алйотмо ни, йәшләй генә бала бысраѓына батырға. Икенсеһен осратты. Тик уныһы тәүге иренең сабыйын яратманы, ене кеүек күрҙе. Малайын ҡоҙағыйҙарға ҡалдырҙы ла, яңы мужигы менән йәшәй башланы. Быныһы йүнлеме тиһәк, алкаш булып сыҡты. Ҡыуып сығарҙы. Әлеге кейәүгә етәме ни, ул фатиры бар, ул машинаһы. «Мама, һине иномаркаға ғына ултыртып йөрөтөрмөн, сыҡ минең дядяға кейәүгә», тип өҙөлөп тора. Һайланмаһа, мәйтәм, торор ине Әлиәм беренсеһе быҙау, икенсеһе алкаш менән. Һайланырға кәрәк шул, һайларға, һайлатырға, үҙеңә ҡаратырға. Дядям, ти бит кейәү, шуға риза булайым да ҡуяйыммы икән, тим, кейәүгә оҡшаһа, насар нәҫел булмаҫ әле… – Белмәйем инде, иллегә табан атлайбыҙ, – Ғәлимә әхирәте өсөн борсолдо. – Исмәғил, исмаһам… – Нимә Исмәғил?! Исмәғил, Исмәғил. –Мәстүрә ҡыҙып китте, ауыҙын турһайтып, Ғәлимәгә арты менән боролдо. Һуңынан, ҡапыл әйләнеп, бармағын янаны. – Онот һин уны, йәме. Һыуға төшмәһә, мыңарсы һуғып үлтерерҙәр ине. Әллә ҡасан сереп бөткән Исмәғилде һөйләп ултырғансы, әлегеһенә кейәүгә сығырға ҡыҫтар, әхирәткә һанаһаң, бәхет теләр инең. Ундай саҡта өгөт-нәсихәт биреп буламы ни, башҡаса өндәшмәне Ғәлимә, һүҙен кирегә борҙо: – Ҡана, самауырҙы яңыртайым. Самауыр сәйе тәмле була шул. Сәйнүктеке ни, ҡабалан саҡта ғына һемереп алырға бит ул, һөйләшеп ултырыр өсөн түгел, – тигән булды. Йортҡа индерҙе ҡыҙы таныштырған мужикты Мәстүрә. Ир килештеме, башҡа мәшәҡәткә сумдымы, һирәк инә башланы әхирәте. Электән кешегә бик барырға яратмаған Ғәлимә лә уларға инмәне. Осрашҡанда сәләм алыштылар ҙа, шуның менән вәссәләм. Уның ҡарауы, Мәстүрә магазин тирәһенә йышланы. Хатта көнөнә икешәр тапҡыр юлланды. Яҙа-йоҙа ишетелеп ҡалыуынса, хәмер ала икән. Аҡсаһы булмаһа, һатыусыларҙан үтескә журналға яҙҙыра, ти. Хәйер… – Ыһы-ыһы… Тамаҡ ҡырған ҡатын-ҡыҙ тауышына түр яҡтан сыҡҡан Ғәлимә аптырап китте. –Мә-әс-түрәкәйем, һинме был? Әхирәтенең өҫ-башы таушалған, йөҙө шешенгән, күҙ төптәре күгәргән ине. Ауылса әйткәндә, ҡасан ғына ҡойроҡһоҙ һайыҫҡан шикелле һикергеләп йөрөгән Мәстүрәне алыштырып ҡуйғандар тиерһең. – Ней, ней, Ғә-ѓәлимә, бер генә минутҡа индем, берәр мең һум аҡса биреп тор әле, һис булмаһа, запас-фәләнең юҡмы, тим, араҡыны әйтәм, араҡыны. – Мәстүрә ҡыйынһынды, тотлоҡто, тирә-яғына ҡаранды, итеген дә сисеп тормайынса, түрҙәге тәҙрәнән урам яғын күҙәтте. Ғәлимәне һеңгәҙәтә һуҡтылармы ни, үҙ күҙенә үҙе ышанманы, аңына һаман әхирәтенең, элекке шат, көлөп торған әхирәтенең яңы – ҡурҡыныс йөҙө барып етә алманы. Юҡ, булмаҫ, бына әлеге кейем-һалымын, битенә кейгән битлеген һалып ырғытыр ҙа, шарылдап-шарылдап өҫтәл артына килеп ултырыр, сәйнүк сәйенә генә риза булмайынса, самауырҙыҡын таптырыр төҫлө. Ләкин… – Йә, бирәһеңме, булмаһа, сығып киттем… – Ы-ы… Хәҙер-хәҙер… – Ғәлимә «ҡара көнгә» һаҡлаған аҡсалары араһынан меңлекте алды. Шул саҡ «келт» итеп, ҡунаҡ килеп төшһә, тип алып ҡуйған «сәкүшкә»һе иҫенә төштө. – Ней, әхирәт, әллә берәр илле генә грамм тотаһыңмы? Күреп торам, ауырыйһың? Эсерәһе килгәндән тыуманы уның башында бындай уй. Әхирәтенең йортҡа индергән иренә эйәреп, насар һуҡмаҡтан киткәнен былай ҙа ишетеп белә, тәҙрәнән урам буйлап магазин яғына үткәнен дә йыш күрә. Тик Мәстүрәгә ошо хаҡта нисек әйтәһең дә, өгөт-нәсихәттең файҙаһы бармы? Бәлки, тип уйланы Ғәлимә, ошо юл менән булһа ла, берәй әмәлен табып аңлатып ҡарар, сығарып ебәр ошо әҙәм аҡтығын, тип әйтер. Элеккесә донъя көтөп була бит, тиер, өгөтләр, алдарына теҙләнер, әхирәтен бәләнән йолоп алыр. – Нишләп уны әллә ҡасан әйтмәйһең, йә, һал, күреп тораһың бит ауырығанды. Юҡ, баш ауыртмай, ә бына ошонда өҙөлә, күкрәгемде өтә барыһы… Ниңә генә миңә Хоҙай шундай ҙа михнәттәр бирҙе икә-ән?! – Мәстүрә өҫтәлдәге буш сынаяҡты алып, Ғәлимәгә һуҙҙы. – Ошоно тултырып һал да, магазин төшкөлөккә ябылғансы өлгөрөргә кәрәк. Ғолт-ғолт… Мәстүрә сынаяғын түңкәрҙе. Шап. Уның артынан ишек ябылды… Китте әхирәте. Сәй ҙә эсмәне, һөйләшмәне лә. Китте… … Бәй, урам буйлап нимәгә кешеләр йүгерешә икән? Өҫтөнә еңелсә генә кейенде лә, Ғәлимә тышҡа атылды. –Ни, ни булған, ниңә йүгерешәһегеҙ? –тип саҡ һорай алды күрше килендән ул.– Ут сыҡҡан тиһәң, төтөн фәлән күренмәй… – Мәстүрә апайҙы ире үлтергән, тиҙәр, ире-е… Ғәлимә быуынһыҙ булды. Аяғы атламаны. Баҫҡан ерендә, кәртәгә һөйәлде лә, ҡатты ла ҡалды. – Нисек? Ни-ни-се-ек?! Мәс-Мәстүрә-кәйе-ем… Ғәлимә барғанда Мәстүрәнең мәйетен йөк машинаһына һалып торалар ине. Ел йөҙөнә тартылған простыняһының ситен күтәргәндә, йөҙөн генә күреп ҡала алды. Ағарған, ҡанға батҡан… – Һуғып үлтергән, ҡәһәрең, – тине йыйылыусыларҙың береһе. – Милисә алып китте, китмәһә, өҙгөләп ташлар инек, – тип элеп алды икенсеһе. – Таба менән башын ярған бит, бәдбәхет, ашарға таптырғандыр инде. Бәрәңгеләре иҙәндә һибелеп ята… – Ашатырҙар әле хәҙер бәрәңгене, ашатырҙар! Ватыҡ шешәләр ҙә тулып ята, мужыт шешә менән башын ярғандыр… – Ҡыҙҙарына телеграмма һуғырға кәрәк, Әлиәһе Өфөлә генә шикелле, ҙурыһы Себерҙә үк… – Ы-ы… – Ғәлимә иҫенә килгәндәй булды. – Миндә Әлиәнең телефон номеры бар, ә Сәриәһенә телеграмма һуғырбыҙ. Унан һуң өйөн йыйыштырып сығырға кәрәк… … Исмәғилдең ергә һеңгән, урыны менән убылып төшкән, өҫтөндә сүп үләндәренең иҫке сыбыҡсалары тырпайған ҡәбере эргәһендә яңыһы – Мәстүрәнеке барлыҡҡа килде. Баш осона имән юнып ултырттылар. Исем-шәрифен яҙып торманылар. Ҡыҙҙары килер, ҡарар, тәрбиәләр, тинеләр. – Ҡыҙҙары тәки ҡайтманымы? – тип һораны аранан берәү. – Юҡ… – Үәт, оятһыҙҙар… Ҡыҙҙарының ҡайһыһы ҡайтһа ла, асҡысын бирермен, тип, Ғәлимә өй ишеген бикләне. Шул саҡ кеҫә телефоны шылтыраны. ‒ Ғәлимә апай, дөрөҫ аңлағыҙ, мин мәйеттән ҡурҡам, ‒ тине теге яҡтағы Әлиә тауышы. – Шунда хәстәрен күрегеҙ инде. Ә, ерләнегеҙҙәме? Ярай, нишләйһең инде, үлгәс оҙаҡ тотоп булмай… Дә, Ғәлимә апай, әсәй өйөн документлаштырып, яңыса оформить иттеме икән? Белмәйһегеҙҙер инде, ну, ладно, бер-ике аҙнанан ҡайтҡас, разберемся. Әлегә асҡыс һеҙҙә тороп торһон… Ту-ту-ту… Өҙөлдө. Ғәлимә телефонын һалыр өсөн кеҫәһенә тығылғайны, Сәриәнең Себер тарафынан ебәрелгән телеграммаһы иҫенә төштө. Уҡығас та, бөгәрләп һалып ҡуйғайны, Мәстүрәнең өйөндә ҡалдырырға онотҡан. «Галима апа, мать похороните. На похороны не успею. Приеду в отпуск через месяц. Скажите Алие, дом продадим вместе»… Ғәлимә бәләкәй ҡапҡаны асты. Исмәғил уны үлер алдынан ғына яһағайны. Ваҡыт тигәнең үтә шул, өҫкө яғы килеп төшкән, аҫты ерҙе тырнап шығырлай. Ҡатын арҡырыға һынған көрәк һабы бәйләп ҡуйҙы ла, яй ғына өйөнә табан атланы… Рәлис Ураҙғолов. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Сентябрь айының тәүге көнөндә үк һауа торошоноң йылы, ҡояшлы тороуы күптәрҙе шатландырҙы. Сөнки 1 сентябрҙә илебеҙҙең күпселек мәктәптәрендә яңы уҡыу йылына бағышланған тантаналы линейкалар үтте. Миллиондарса ҡыҙ һәм малайҙар математика, рус теле, география кеүек төрлө фәндәр буйынса белемдәрен арттырыр өсөн парта артына ултырҙы... Алда уларҙы дәрестәр, контроль һәм өйгә эштәр һәм бихисап кластан тыш ҡыҙыҡлы саралар көтә. Каникул тамамланды, яңы уҡыу йылы башланды. Беҙҙең райондың 18 белем биреү учреждениеһы 2055 мәктәп уҡыусыһы өсөн ишектәрен ҡунаҡсыл асты. Класташтар һәм уҡытыусылар менән шатлыҡлы осрашыуҙарға бай был көн барлыҡ уҡыусыларға ҡәҙерле. Әммә мәктәпкә беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡан 210 ҡыҙ һәм малай уны айырыуса түҙемһеҙлек менән көттө. Ғәҙәттәгесә, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе филиалының Ямғырсы төп мәктәбендә линейка ҡыҙыҡлы һәм тулҡынландырғыс үтте. Матур кейенгән уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар, шат йылмайыуҙар, мәктәп тураһында йырҙар һәм сәскәләр, сәскәләр, сәскәләр. Быларҙың барыһы ла мәктәптәрҙә йылына бер тапҡыр ғына була торған ҡабатланмаҫ мөхит булдырҙы. Иғтибар үҙәгендә тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлап үткән, «Белем иленә» сәйәхәт ҡылырға әҙерләнгән һигеҙ уҡыусы булды, әлбиттә. Ҡулдарына сәскә гөлләмәләре тотҡан ошо кескәйҙәрҙең ниндәй тулҡынланыу менән һәйбәт уҡырға, дуҫ һәм һәр йәһәттән үрнәк булырға вәғәҙә биреүҙәрен күрһәгеҙ икән! Ошо күркәм байрам менән барлыҡ йыйылыусыларҙы филиал буйынса директор урынбаҫары Зөлфирә Латипова ҡотланы. Ул мәктәпкә даими ярҙамдары өсөн «Урал» агрофирмаһы» йәмғиәте етәксеһе Р.Б. Кәримовҡа, «Урожай» йәмғиәте етәксеһе И.Р. Ғәскәровҡа, эшҡыуар Г.Н. Ширғазинға, ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ф. Кәримовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Яңы асыштарға, ҡаҙаныштарға һәм еңеүҙәргә старт биреп, бына тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. Хәйерле юл, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Яңы уҡыу йылында төплө белем һәм яҡшы өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ! Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Йәмәғәтселек вәкилдәре Өфөләге аттракциондарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Рейд барышында тиҫтәгә яҡын етешһеҙлек табылған. Балалар өсөн батутта һикереү шатлыҡ, ҡыуаныс ҡына. Улар был уйын майҙансығына килеп, һикереп туя алмайҙар. Тәү ҡарашҡа, хәүефһеҙ урын булып күренһә лә етешһеҙлектәр юҡ түгел. Баш ҡаланың дүрт батут үҙәге тикшерелгән һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлешен ҡарауҙан тыш, йәмәғәтселәр инструкторҙарҙың һөнәри әҙерлеген, аптечкаларҙың булыу-булмауын иғтибарға алды. Аттракцион етәкселегенә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күреү тәҡдим ителгән. Башҡортостан дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының эше йәйгә тағы ла артасаҡ. Сөнки асыҡ һауала ла батуттар ҡуйыла. Былтыр республикала ойошторолған һабантуйҙарҙа ғына уларҙың һаны ярты меңгә еткән. Күҙәтеүсе органдарҙың төп маҡсаты - балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Ошо матур һәм һил көҙгө көндәрҙә “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Сара октябрҙең 31-енә тиклем дауам итәсәк. Шуныһы һөйөнөслө, унда теләге булған һәр кем ҡатнашып, йәшәгән ерен йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Акция барышында республика райондарында ағас ултыртыу, урманды сүп-сарҙан таҙартыу, парктар, мәктәп яны участкаларын тәртипкә килтереү, тубырсыҡ һәм сәтләүектәр йыйыу кеүек саралар уҙғарыла. Экологик өмәләрҙә уҡыусылар ғына түгел, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыусылар ҡатнашыуы көтөлә. Акция сиктәрендә район үҙәгенең Ленин урамындағы 115-се йорт янында район хакимиәте, үҙәк дауахана, урман хужалығы һәм янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре ағас үҫентеләре ултыртып, йорт яны участкаһын төҙөкләндерҙе. Урындағы халыҡтан был әһәмиәтле акцияға Олег Малов ҡушылды. Һеҙ һүрәттә күргән был малай ошо өйҙә йәшәй һәм үҙ теләге менән сараға ҡушылып, ғүмерендә беренсе мәртәбә ағас ултыртҡан. “Йәшә, урман!” акцияһы башланып ҡына тора. Шуға ла ул күмәк халыҡ ҡатнашлығында үтер, тигән өмөттәбеҙ. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Социаль видеороликтар һәм башҡорт блогерҙары конкурсында еңеүселәр 12 декабрҙә Арт-квадратта «Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0» тип исемләнгән сарала бүләкләнәсәк. Интернет, социаль бәйләнештәр үҫешкән заманда башҡорт теле йәшәһен, юғалып ҡалмаһын өсөн, уның халыҡ-ара селтәрҙә мөмкин тиклем күберәк булыуын тәьмин итергә кәрәк. Бөгөн ошо йүнәлештә байтаҡ ҡына эштәр алып барыла. 14 декабрь – Башҡорт теле көнөнә арналған саралар рәтендә лә интернет- конкурстар бихисап.Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән «*Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ*» социаль видеороликтар конкурсы ла социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Эштәр 2020 йылдың 10 декабренә тиклем ҡабул ителә, ҡатнашырға теләүселәрҙең йәше сикләнмәй. Бәйгене ойоштороусылар бүләккә Apple iPhone 11, ноутбук, планшет вәғәҙәләй. Социаль ведороликтарҙың миҫалдары түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8.Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы йәнә «*Иң популяр башҡорт блогеры*» тигән конкурс иғлан итте. Был бәйгелә мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы, йәғни башҡорт блогерҙары үҙҙәренең аккаунттарына һылтанманы 2020 йылдың 8 декабренә тиклем [email protected] адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Еңеүгә дәғүә итеүсенең блогы, тәү сиртатта, башҡорт телендә алып барылырға һәм эстәлеге буйынса конкурс талаптарына тап килергә тейеш. Еңеүселәргә шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр һәм Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығынан дипломдар ҡаралған.Социаль видеороликтар һәм башҡорт блогерҙары конкурсында еңеүселәр 12 декабрҙә Арт-квадратта «Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0» тип исемләнгән сарала бүләкләнәсәк. https://vk.com/bash_fond Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда бер нисә йөҙ яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөргә тейеш. Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда бер нисә йөҙ яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөргә тейеш. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрө районына эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе. Питяк ауылында республика етәксеһе ауыл ерендә медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу буйынса программа сиктәрендә төҙөлгән шундай фельдшер-акушерлыҡ пункттарының береһен ҡараны. Фельдшер-акушерлыҡ пункты яҡын-тирәләге дүрт ауылды – 600 самаһы кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Майҙаны 64 квадрат метрлыҡ бер ҡатлы бинала фельдшер һәм процедура кабинеттары, көтөп ултырыу бүлмәһе урынлашҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эше өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдар бар. «Ауыл табибы» программаһы буйынса районға килгән участка терапевы Елена Петрова һөйләүенсә, бында ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика һәм район дауаханалары менән бәйләнешкә сығырға мөмкин. Республика етәксеһе төп биналарҙы ҡарап сыҡты, эш һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең уңайлылығын баһаланы. Район башлығы Александр Груздев һүҙҙәренсә, өс йыл эсендә муниципалитетта ошондай 10 пункт асыу күҙаллана. – Шарттар һәйбәт, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республикала шундай бер нисә йөҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Был иҫке биналар мәсьәләһен хәл итергә тейеш. Ауыл халҡы фекеренсә, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты элеккеһенән уңайлыраҡ, хеҙмәтләндереү шарттары күпкә яҡшыраҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров бында республикала яңыраҡ барлыҡҡа килгән күсмә стоматология комплексы йүнәлтеләсәге хаҡында хәбәр итте. Рөстәм Хәмитов халыҡ менән аралашҡанда тораҡ пунктты төҙөкләндереү менән ҡыҙыҡһынды. Уларҙың әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ауыл үҫешә – юлдарға асфальт түшәлгән, газ үткәрелгән, юғары тиҙлектәге интернет бар. Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡала. Һыу үткәргес төҙөү буйынса проект документацияһы әҙерләнгән, хәҙер аҡса кәрәк. – Һыу үткәргес буйынса эшләрбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шунда уҡ түгел, ләкин эшләрбеҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Ышанач" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Санкт-Петербургта уҙған форумда Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский «Мәҙәниәт» милли проектының күрһәткестәрен үтәмәгән тѳбәктәрҙе әйтте, улар араһында Башҡортостан да бар ине. Санкт-Петербургта уҙған форумда Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский «Мәҙәниәт» милли проектының күрһәткестәрен үтәмәгән тѳбәктәрҙе әйтте, улар араһында Башҡортостан да бар ине. Уның белдереүенсә, республика мәҙәниәт учреждениеларына йѳрѳүселәрҙең һанын 15 процентҡа арттырырға тейеш булған, әммә тѳбәк был күрһәткестәргә ѳлгәшмәгән. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был хәлдең статистик хаталар ебәреү сәбәпле килеп сыҡҡанын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 2017 йылда райондар һәм муниципалитеттар мәҙәниәт учреждениеларына йѳрѳүселәр һаны тураһында мәғлүмәтте Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәгенә туранан-тура тапшырған. Ул саҡта сараларға түләүле һәм бушлай йѳрѳгәндәр бүленмәгән. 2018 йылда был иҫәпләү тәртибен үҙгәрткәндәр, әммә статистиканы әҙерләгәндә уны иҫәпләмәгәндәр һәм 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата һандарҙы алғандар. "Тѳп күрһәткестәргә үҙгәрештәр индереүҙәрен һораһаҡ та, ниңәлер, уны үтәмәгәндәр. Моғайын, был күрһәткестәрҙе яңынан ҡарарҙар. Дѳрѳҫ һандарға килгәндә, 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата түләүлегә – 43 миллион, бушлай уҙған сараға килгән тамашасы алты миллион самаһы булды. Беренсе урында Мәскәү тора – 50,4 миллион, икенселә Санкт-Петербург - 45 миллион тамашасы, ѳсѳнсѳлә – Башҡортостан. Артабан Татарстан килә – 26 миллион тамашасы. Шуға ла республиканы ҡуйылған планды үтәмәне тип әйтә алмайбыҙ", - тип аңлатма бирҙе Әминә Шафиҡова. Аңлауыбыҙса, республикала йыл буйына 43 миллион тамашасы мәҙәниәт учреждениеларына килгән тип күрһәтер урынға, алты миллион кеше тип кенә яҙғандар. Был һандарға тѳҙәтмәләр индерелер тип ышанғы килә, кире осраҡта, бының мәҙәниәт ѳлкәһен үҫтереүгә бүленгән гранттар яҙмышына ла кире йоғонто яһауы ихтимал. Рәмилә Мусина. https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/D-r--i-pl-m-g-nd-r-12173/ Фото: proural.info Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Американың Стэнфорд университеты ғалимдары үпкәләү хисенең йән ауырыуҙарына ғына түгел, тән сирҙәренә килтереүен дә раҫлаған. Американың Стэнфорд университеты ғалимдары үпкәләү хисенең йән ауырыуҙарына ғына түгел, тән сирҙәренә килтереүен дә раҫлаған. Улар тәжрибә үткәргән һәм оҙаҡ йылдар үпкәләп йәшәгән кешеләрҙең 90 проценты, үпкәләтеүсене ғәфү иткәндән һуң, сәләмәтлеге яҡшырыуын тойған. Улар баш, арҡа ауыртыуҙарынан ҡотолған, яҡшы итеп йоҡлай башлаған, тынысланғандар. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
#Миллипроект #Нацпроект #Юлдар Ҡаланың Яҡутов урамында “Милли проекттар” сиктәрендә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” йүнәлеше буйынса һалынған юл әҙер, тиергә лә була. Юлсыларҙы тап иткәндә егеттәр асфальт түшәп бөтөп, юлды нәҡ хәүефһеҙлек стандарттарына яраҡлаштыра ине һәм беҙ уларҙың автомобилдәрҙең тиҙлеген кәметергә ярҙам иткән яһалма ҡаршылыҡ эшләгәнен мәңгеләштерҙек. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Һәр ауылда, элеккесә, халыҡ мәнфәғәтендәге дөйөм эштәрҙе өмәләп башҡарыу ҡайтанан тергеҙелә башлауы ҡыуаныслы. Һәр ауылда, элеккесә, халыҡ мәнфәғәтендәге дөйөм эштәрҙе өмәләп башҡарыу ҡайтанан тергеҙелә башлауы ҡыуаныслы. Мәхмүт ауылының мәсетендә лә төҙөкләндереү буйынса ҙур өмә үтте. Имам Булат ағай Шаһивәлиев, мөәзин Вәли Ильясов, ауыл Советы депутаттары Рәсүл Килдейәров, Мөнир Нарынбаев һәм староста Раиф Килдейәровтар эшлекле ир-уҙамандарҙы йыйып, күмәкләшеп, уҙған йылда башланған бина стенаһын көпләү эшен теүәлләп ҡуйҙы. Унан инде сереп ҡоларға торған ағас бағаналар урынына тимерҙән ултыртып, штакетниктарҙы алып, мәсет биләмәһен профлист менән уратып алды. Инеү урынына тимерҙән манара формаһында эшләнгән матур ҡапҡа әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә: был мөғжизәне Тимур Баҡыевтың оҫта ҡулдары тыуҙы ған. — Тимурҙың тырышлығы һәм оҫталығы менән семәрләп көмбәҙ формаһында эшләнде был ҡапҡа, — тип ҡыуана мәхмүттәр. Өмә көндө ул ҡапҡаны урынлаштырып, буяп та ҡуйған дөргөн ауылдаштар. Әйткәндәй, Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Тимур Баҡыев отпускаға ауылға ҡайтыу менән ауылдаштары өсөн бик күп эштәр башҡара. Ауыл янындағы тау башына ял итеү урыны ла эшләгән ул. Бына әле мәсетте төҙөкләндереүҙәге бөтә иретеп йәбештереү эшен атҡарып сыҡҡан. Ауылдаштары өсөн йән атып торған Тимур Хөснулла улы бөгөн шулай уҡ балалар майҙансығына төрлө уйын ҡорамалдары яһау менән мәшғүл. Был майҙансыҡ Мәхмүттә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында яҡшы әҙерләнгән өсөн бирелгән аҡсаға алынған материалдар иҫәбенә эшләнә. Был көндө Илфат Исҡужин үҙ машинаһында кәрәкле материалдарҙы ташып, ҙур ярҙам күрһәткән. Асҡар егете Рөстәм Вәлиев мәсеткә бушлай бәҙрәф биреүенә ысын күңелдән рәхмәтле мәхмүттәр. — Риф Сафин, Рамил Тимерйәнов, Айнур һәм Артур Таһировтар, Рәсүл Мусин, Сәлимйән Юлдыбаев, Байрамғол Насирйәнов, Фәйезйән Тайсин, Наил Һәм Раиф Килдейәровтар, Кәрим Сәйетбатталов, Марсель һәм Мансур Баҡыевтар, Кәрим Сәйетбатталов ҙур күләмдә эш башҡарыуға булышлыҡ иттеләр. Ауылдың иң олоһо булған Нәҙир ағай Сафин да дөйөм эштән ситтә ҡалманы, — тип оло рәхмәттәрен еткерә ауылдаштарына ветерандар ойошмаһы рәйесе Вәхит Ильясов. Өмәселәрҙе Сәғиҙә Ушанова менән Вәсимә Бәхтийәрова тәмле аш бешереп һыйлаған. Р. ИТАЛМАСОВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Йыл да үткәрелгән «Баҫыу көнө»ндә уға старт бирелә. Быйылғы семинар «Ужым культуралары: селекция, орлоҡсолоҡ, сәсеү үҙенсәлектәре» тип аталды. Сараға республикала эшләгән федераль ойошмалар, техника һатыусылар, фәнни ойошмалар вәкилдәре саҡырылды. Күргәҙмәне 47 райондан килгәндәр ҡараны. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, район хакимиәттәре башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, башҡа белгестәр күргәҙмәне ҡарап үткәс, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институты баҫыуҙарында үҫтерелгән тәжрибә участкаларына юлланды. Былтыр был баҫыуҙарҙа бер нисә төрлө ужым культуралары сәселгән. «Бөгөндән ураҡ кампанияһына старт бирәбеҙ. Тәү сиратта комбайндар ужым культураларына төшәсәк. Әлеге тәжрибә баҫыуҙарынан күреүебеҙсә, үҙебеҙҙең ерлектә сығарылған ужым культураларының сорттары һәйбәт уңыш бирә. Тәү сиратта был районлаштырылыу менән бәйле. Һауа торошон күреп тораһығыҙ, ул ураҡ кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһай. Был эҫе сәбәпле уңыштың күләмен юғалтабыҙ. Әле бөтөн көстө уңыш йыйыуға йүнәлтергә кәрәк. Тиҙҙән ямғырҙар башланасаҡ. Бөгөнгө сараның әһәмиәте шунда – фермерҙар, ерҙә эшләгән ауыл хужалығы эшсәндәренә фән эшмәкәрҙәре үҙҙәре сығарған, һынаған яңы сорттар тәҡдим итә, уңышты һаҡлап ҡалыу сараларын өйрәтә, алдынғы техника өлгөләрен күрһәтә. Был майҙансыҡ етештереүселәр өсөн дә, ҡулланыусыларға ла, фән менән бәйләнеш булдырыу йәһәтенән дә әһәмиәтле», – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.