text
stringlengths
369
192k
Полковник Степан Хмельников оло тормош юлы үткән, уға 85 йәш тулды, ғүмеренең 65 йылы Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт һәм эш менән бәйле, уларҙың 36 йылы – хәрби училище курсантынан алып Генераль штаб полковнигына ҡәҙәр фиҙакәр хәрби хеҙмәт. Полковник Степан Хмельников оло тормош юлы үткән, уға 85 йәш тулды, ғүмеренең 65 йылы Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт һәм эш менән бәйле, уларҙың 36 йылы – хәрби училище курсантынан алып Генераль штаб полковнигына ҡәҙәр фиҙакәр хәрби хеҙмәт. Ул Бозор ауылында тыуған, шунда ете йыллыҡ мәктәпте, унан һуң Баҡалыла урта мәктәпте тамамлай. Колхозда 2 йыл хисапсы булып эшләп, Орджоникидзе исемендәге Чкаловск зенит-артиллерия учи-лищеһына уҡырға инә. Степан Петрович хәрби хеҙ-мәтенең яртыһынан күберәген фәнни-тикшеренеүсе вазифаларында үткәрә. Курсант сағында, 1954 йылда, Тоцк полигонында ысын атом бомбаһы ҡулланылған учениелар-ҙа ҡатнаша. Күргәндәрен онотоу ауыр була, яңы ҡорал һыналған майҙандағы бушлыҡ буласаҡ офицерҙың хәтерендә ғүмерлеккә ҡала. Шул саҡта ул үҙе өсөн атом-төш һуғышына юл ҡуйырға ярамай тигән һығымта яһай, был ҡарары артабан офицер хеҙмәтен һайларға этәрә. Училищены “бик яҡшы”ға тамамлағандан һуң Белоруссия хәрби округында хеҙмәт итә. Танк дивизияһының зенит-артиллерия полкы өлкән офицеры була. Лейтенант званиеһында уға кесе командирҙар әҙерләү буйынса полк мәктәбе начальнигы бурысын үтәүҙе ышанып тапшыралар. 1956 йылда лейтенант С. Хмельников етәкселегендәге мәктәп армияның полк мәктәптәре араһында инспекторҙар тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын яулай. Хәрби инженер булыу теләге ғәйәт көслө була. 1963 йылда «инженер-баллистик» белгеслеге буйынса Петр Великий исемендәге стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәренең хәрби инженерлыҡ академияһын тамамлай. Мәскәүҙә академияла уҡыған ваҡытта 6 тапҡыр хәрби парадта булыуы ла иғтибарға лайыҡ. 1960 йылда Байконурҙа бортында Белка һәм Стрелка ҡушаматлы эттәр осҡан континент-ара баллистик ракетаны эксперименталь орбитаға сығарыуҙа ҡатнаша. Академияны тамамлағандан һуң, Степан Петрович фәнни-тикшеренеү полигонында 15 йылдан артыҡ хеҙмәт итә. Ҡоралды һәм һуғыш техникаһын реаль һынау – ҡатмарлы, яуаплы, йыш ҡына хәүефле эш. “Айырыуса хәүефле подразделение ветераны” исеме – Степан Петровичтың ғорурлығы. Унан һуң инженер, өлкән фәнни хеҙмәткәр, ракеталар полигоны-ның ғилми-тикшеренеү институты лабораторияһы етәксеһе була. Ракета һәм радиолокация системалары һынауҙарын математик иҫәпләп сығарыу һәм һөҙөмтәләрен дөйөмләштереүгә етәкселек итеүе тураһында теләп һөйләй. Бер ниндәй шарттарҙа ла дошмандың үлемесле йөгө үҙ күге асҡысын Ҡораллы көстәргә ышанып тапшырған Тыуған илебеҙ ҡалаларына һәм ауылдарына төшөргә тейеш тү-геллеген аңлай. Һис шикһеҙ, был ҡоралдың һәм хәрби техниканың сифатына, уларҙың ышаныслылығы-на һәм камиллығына бәйле. Тимәк, яуаплылыҡ билдәле бер кимәлдә уға ла бәйле була. Степан Петрович һуғыш осорона тура килгән бала сағын йыш иҫкә ала. Һуғыш ваҡиғалары беҙҙең төбәктән алыҫта барһа ла, унда йәшәүселәр ауырлыҡтарҙы кәм кисермәй. “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!” лозунгыһы улар өсөн саҡырыу ғына түгел, ә йәшәү мәғәнәһенә әүерелә. Кешеләр үҙҙәре ас булһалар ҙа, өйҙәренә ҡасаҡтарҙы ҡабул итә. Хмельниковтар ғаиләһе Мәскәүҙән ике ейәне – Виталий һәм Валера менән бер әбейҙе һыйындыра. Уларҙың әсәләре Мәскәүҙә эшләргә ҡала. Бер ғаилә булып йәшәйҙәр, барыһы менән дә бүлешәләр, ә бит Хмельниковтарҙың үҙҙәренең 9 балаһы була. “Тик фамилиялары хәтерҙән сыҡҡан, әллә Сафроновтар, әллә Сафоновтар, ҡыҙғаныс, эҙләп тапҡан булыр инем”, – ти ул. Килгән кешеләр татар телен белмәй, Хмельниковтар ғаиләһендә русса насар һөйләшәләр, әммә бер-береһен аңлайҙар. “Кешеләрҙе күңел берләштерә”, – тип әйтә әсәләре. Был һүҙҙәрҙе ул ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдыра. Ғилми-тикшеренеү полигондарында Степан Петровичтың өлгө булырҙай хеҙмәте, яңы үрнәктәге ҡорал булдырыу буйынса коллектив эшкә индергән шәхси өлөшө командование тарафынан лайыҡлы баһалана. Полковник Хмельников 25 миҙал, Ҡаһарманлыҡ һәм “Маҡтау билдәһе” ордендары менән бүләкләнә. 1978-1985 йылдарҙа СССР Оборона министрлығының хәрби тарих институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек етәксеһе булып эшләй. 1985 йылдан Степан Петрович хеҙмәтен генераль штабтың ғилми-тикшеренеү структураларында дауам итә, һәм бында тапшырылған эш өсөн яуаплылығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм ярҙамсыллығы һөҙөмтәһендә етәкселектең дә, коллегаларының да хөрмәтен яулай. 1988 йылда полковник Хмельников запасҡа сыға. Әммә Степан Петрович эшһеҙ тора алмай. Бына 29 йыл инде Рәсәй Генераль штабының һәм Оборона министрлығының хәрби-ғилми комитетында лайыҡ-лы хеҙмәт итә. Оҙон хеҙмәт йылдарында Хмельников хәрби-ғилми эште ойоштороу тарихын, уның хәҙерге торошон бик яҡшы өйрәнә, шуға күрә һәр ваҡыт файҙалы кәңәше менән ярҙамлашырға әҙер. Советник булып хеҙмәт иткән хәрби-ғилми комитетта уны тәжрибәле остаз һәм күп мәсьәләләр буйынса күләмле мәғлүмәт һаҡлаусы кеше булараҡ беләләр. Йәш коллегалары уны яратып “дядя Степа” тип йөрөтә. Ул – СССР Ҡораллы көстәре, хәрби-ғилми эш, айырыуса хәүефле подразделениелар ветераны һәм хеҙмәт ветераны. Күптән түгел Степан Петрович 85 йәшен һәм Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүенең һәм эшләүенең 65 йыллығын билдәләне. РФ Президенты В. Путин уға Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы, генераль штаб начальнигы ҡиммәтле бүләк менән ҡотланы. Ғаиләһе лә күптәргә үрнәк булырлыҡ. Өлкән улы Валерий полковник званиеһында отставкаға китте. Хәҙер хәрби университетта бүлек етәксеһе. Улы Сергей “Роснефть” идараларының береһендә эшләй. Тормош иптәше Клара Сергеевна – БДУ-ның математика факультетын тамамлаған, ракета полигонының иҫәпләүҙәр үҙәгендә программалаусы булып эшләгән, унан һуң Мәскәүҙә Патрис Лумумба исемендәге Халыҡтар дуҫлығы университетында математиканан уҡытҡан. Бына шундай ул беҙҙең яҡташыбыҙ. С. Хмельников тыуған мәктәбендә йыш була, йәштәргә ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм патриотизм йолаларын тапшыра. Бозор мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы менән ғорурлана. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Кисә үҙебеҙҙең микрорайонда йәшәгән танышымды осраттым да һәүетемсә иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, һөйләшеп киттек. Сергейҙы Өфөнән алып ҡайттыҡ бер нисә көн элек. Үлергә ҡайтарҙылар..., - тине ул... Иренең яман шеш ауырыуы менән яфаланыуын ишеткәйнем. Типһә тимер өҙөрлөк ирҙең фани донъяла һанаулы көндәре ҡалған... Шул тиклем йәл, шул тиклем ҡурҡыныс... Иртәгәһе көнгә ышаныстың булмауы ҡурҡыныс. Был хәлгә үҙем юлыҡмам тип әйтмәҫлек түгел. Иртәгә нимә ишетереңде белерлек түгел. Был мәкерле сир күпме ғүмерҙәрҙе алып китә... Көн һайын... Һанап бөтөрлөк түгел.... Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ниһайәт, Учалы районының төньяҡ өлөшөн зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыуҙың икенсе этабы башланды. Әлеге ваҡытта Поляковка, Малай Муйнаҡ, Абҙаҡ, Вознесенка, Иҫке Балбыҡ, Туңғатар, Комсомольск, Ҡорама ауылдары урамдарында газ һуҙыла. Тракторҙар траншеялар ҡаҙып торбаларҙы һалыу менән мәшғүл. Ниһайәт, Учалы районының төньяҡ өлөшөн зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыуҙың икенсе этабы башланды. Әлеге ваҡытта Поляков-ка, Малай Муйнаҡ, Абҙаҡ, Вознесенка, Иҫке Балбыҡ, Туңғатар, Комсомольск, Ҡорама ауылдары урамда-рында газ һуҙыла. Трак-торҙар траншеялар ҡаҙып торбаларҙы һалыу менән мәшғүл. «Газпром газорас-пределение Уфа» йәмғиә-тенең Белорецк филиалы-ның Учалы комплекслы хеҙмәте начальнигы Илнур Фатеев әйтеүенсә, газүт-кәргесе магистраленә «Газ-пром» акционерҙар йәмғи-әте инвестициялар һалған, ә төҙөлөш эштәрен подрядсылар - Дәүләкәндән «Оникс», Өфөнән «Геост-рой», «Газстройинвест» ой-ошмалары алып бара. Дө-йөм алғанда һигеҙ ауылда 71,6 километр оҙонлоғонда газ торбалары һалынасаҡ. - Эштәрҙе ағымдағы йылда тамамларға йыйынабыҙ, һуңынан инде ауылдар ар-аһын «зәңгәр яғыулыҡҡа» тоташтырыу башланасаҡ, - тине Илнур Фатеев. Ҡорамала төҙөлөш эш-тәре бер аҙна элек башланған. Әле урамдарҙан йөрөүе ҡыйынлыҡ тыуҙыра.Тәрән соҡорҙар ҡаҙылған. Ауыл халҡы барыһына ла түҙергә риза. «Зәңгәр яғыулыҡты» күптән түҙемһеҙлек менән көтәләр. Яңы урамында йә-шәүсе крәҫтиән-фермер ху-жалығы башлығы Ғәлим-йән Ҡәйүпов та беҙҙең ме-нән ҡыуанысын уртаҡла-шырға ашыҡты. - Газды Американан һуҙа-лар шикелле... Инде нисәмә йыл һөйләйҙәр бит. Ниһа-йәт, хыялдарыбыҙ тормош-ҡа аша, беҙгә лә газ үтәсәк. Әлбиттә, барыһының да мейесе бар, өшөп ултырм-айбыҙ. Әммә уның мәшә-ҡәте лә күп, йәй буйы утын хәстәрләргә, ҡыш буйы яғып сығырға кәрәк. Ә тә-биғи газ уңайлы, ятһаң да, торһаң да йылы, бешерене-үе лә уңайлы. Аҡса мәсьәлә-һен дә хәл иткәнбеҙ, өйө-бөҙҙө бөгөндән «зәңгәр яғ-ыулыҡҡа» тоташтырырға әҙербеҙ. Иң мөһиме эштә-ре тотҡарланмаһын, ваҡы-тында тамамлаһындар, - ти Ғәлимйән Нәғимйән улы. Газ үткәреү 70-100 мең ти-рәһенә төшә, әммә үҙен ту-лыһынса аҡлаясаҡ, тиҙәр. Ә Учалы ауылын «зәңгәр яғыулыҡҡа» тоташтырыу «Ауылдарҙың тотороҡло үҫ-еше» дәүләт программаһы ярҙамында башҡарыла. Проект алты этаптан тора. Тәүге өс этапты тормошҡа ашырыуға 30,7 миллион һум аҡса бүленгән. Беренсе этапта 205 шәхси йортҡа һәм Әхмәтғәлин, Йәштәр, 8 Март, Вокзал, Совет ура-мдарында урынлашҡан со-циаль обьекттарҙы газға то-таштырыуҙы күҙаллана. Төҙөлөш эштәре былтыр башланған, быйыл да дауам итә. Икенсе этабы былтыр тулыһынса тамамланған. Баһаутдинов урамына газ торбалары һалынған һәм Бәләкәй Учалы микрора-йонына һуҙылған. Өсөнсө этапта 267 йортҡа газ үтәсәк, төҙөлөш эштәре 2018-2019 йылдарға планлаштырыл-ған. Заман уңайлығы тө-бәк тормошона яңы һулыш өрәсәк. Шарттар бар ерҙә йәштәр ҙә күпләп ҡала, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Әлиә ФӘРРӘХОВА. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Селтәр бәйләү оҫтаһы Асия Сабир ҡыҙы Вәлиева Ишембай районы Петровский ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ художество мәктәбендә белем ала. Өфөләге Мәскәү технология институтының филиалын тамамлап, технолог һөнәренә эйә була. Өфө көнкүреш хеҙмәтләндереү йортонда технолог, мастер булып оҙаҡ йылдар эшләй. Ырғаҡ менән ул бала сағынан бәйләй. Башта әсәһе Тәслиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Йосопованан өйрәнһә, аҙаҡ журналдарға ҡарап ошо гүзәллекте тыуҙыра. Хәҙер инде уның үҙенең өлгөләре ялтырауыҡлы, заманса журналдарҙа баҫыла. Төрлө ижади күргәҙмәләрҙә лә өлгөр ханым ихлас ҡатнаша. Асия Сабир ҡыҙы ишле ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул – биш бала әсәһе. Балалары хәҙер, барыһы ла тормошта үҙ урынын табып, уға биш ейән бүләк иткән. Асия Вәлиева иҫ киткес күлдәктәр, яғалар, бишмәттәр, иҙеүҙәр бәйләй, хатта пальтоһы ла бына тигән килеп сыға уның! Был ижад һәм күңел эше бик күп ваҡытты алһа ла, уның һөҙөмтәһе үҙен дә, кешеләрҙе лә һөйөндөрә. Уға теге йәки был әйберҙе бәйләп биреүен һорап өфөләр генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да мөрәжәғәт итәләр. Оҫтабикәгә гүзәллек тыуҙырыу үҙе бер бәхет, шуға ла ул ижадтан баш тартмай, яңынан-яңы иҫ киткес матурлыҡтар тыуҙырыуын дауам итә. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфө һәм Яңауыл райондарында мәғариф үҙәге һәм коррекция интернат- мәктәбен асыуҙа ҡатнашты. Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфө һәм Яңауыл райондарында мәғариф үҙәге һәм коррекция интернат- мәктәбен асыуҙа ҡатнашты. 1 сентябрь Өфө районының Чесноковка ауылында “Юлдаш” мәғариф үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Комплекс 490 уҡыусы һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһына иҫәпләнгән. Учреждение бөтә кәрәк- яраҡтар менән тәьмин ителгән, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡулайлы шарттар тыуҙырылған. Радий Фәрит улының билдәләүенсә, мәктәп был ауылда күптән кәрәк ине. -Беҙ артабан да балалар баҡсалары мәктәптәр, дауаханалар, спорт учреждениелары төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ,- тине ул сығышында. Яңауыл районында коррекция интернат- мәктәбе үҙ ишектәрен асты. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән учреждениела республиканың 27 ҡалаһы һәм районынан 160 укыусы белем аласаҡ. Шуларҙан 33 етем бала уҡыясаҡ. 1962 йылда төҙөлгән иҫке бина күптән заман һынауҙарын үткән. Яңы объекттың проекты республика адреслы инвестиция программаһына ингән. Бина 190 балаға иҫәпләнгән мәктәп һәм 170 урынлыҡ интернатты үҙ эсенә алған. Балалар өсөн бөтә бүлмәләр ҙә уңайлы һәм ярҙам ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Фотолар Республика башлығы сайтынан алынды. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Тыныс, ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтыу күп осраҡта үҙебеҙҙән тора, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тыныс, ғәҙәти тормошҡа кире ҡайтыу күп осраҡта үҙебеҙҙән тора, республикала йәшәүселәрҙең 70% яҡынына прививка яһарға кәрәк, шул саҡта беҙ коронавирустан коллектив иммунитетҡа ирешә алырбыҙ. Кәрәгенсә вакцина менән тәьмин ителербеҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағандан һуң журналистар менән аралашҡанда. «Медицина битлектәре беҙҙең өсөн оҙаҡ йылдарға етди атрибут булып ҡалыр. Иртәме-һуңмы, коронавирус сигенер, ләкин башҡа инфекциялар ҙа бар бит әле. Шул уҡ гриптан да битлек һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы булып тора, ул бөгөнгө тормошобоҙҙоң ысынбарлығына әүерелде», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Әгәр барлыҡ ҡабул ителгән саралар үтәлһә һәм халыҡты вакцинациялау планлаштырылған режимда уҙһа, 2021 йылдың икенсе ярты йыллығында республика юғары әҙерлек режимынан сыға алыр, тип иҫәпләй Радий Хәбиров. https://www.bashinform.ru/bash/1551863/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Районыбыҙҙа 2017 йылдың 13 мартынан “Ғафури үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы” муниципаль ҡаҙна учреждениеһы барлыҡҡа килеп, үҙ эшмәкәрлеген башланы. Учреждениеның эшмәкәрлеге бухгалтерия иҫәбе өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүҙән ғибарәт. Ул эшмәкәрлек күрһәткестәрен планлаштырыуҙы ойоштороу буйынса муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эштәр башҡарыу, бухгалтерия иҫәбен алып барыу, финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге пландарын үтәү маҡсатында ойошторола. Муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы – баш бухгалтер Динара Әмир ҡыҙы Йәнешева. Коллективта 15 кеше эшләй. Үҙәкләштерелгән бухгалтерия үҙ эшмәкәрлеген башлаған көндән алып әйҙәүсе бухгалтер Земфира Әхмәр ҡыҙы Ҡолманова, бухгалтерҙар Ольга Юрьевна Кузнецова, Венера Марс ҡыҙы Смышляева, начальник урынбаҫары Ирина Ивановна Погорелова, күмәртәләп һатып алыуҙар буйынса баш белгес Екатерина Валерьевна Петровская уңышлы хеҙмәт итә, ә ҡалғандары яңы эш башлаусылар. Учреждение тарафынан район буйынса 18 предприятие (16 ауыл биләмәһе, район мәҙәниәт бүлеге, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы) бухгалтерияһы хеҙмәтләндерелә. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Һалым инспекцияһы физик берәмектәргә мөлкәт һалымдарын түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ебәрә башланы һәм граждандарға мөлкәт һалымдарын ваҡытында түләү бурысы тураһында иҫкә төшөрә. 2021 йылға физик берәмектәрҙең мөлкәтенә, ергә һәм транспортҡа һалым түләүҙең һуңғы көнө - 2022 йылдың 1 декабре. Һалым түләү тураһында иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратыла башланы Иғтибар итегеҙ! «Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» интернет-сервисында теркәлгән граждандарға һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙары электрон рәүештә ебәреләсәк. Башҡа һалым түләүселәр һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙарын почта аша аласаҡ. Алынған һалым белдереүендә һалым суммаһы һәм уны түләү өсөн мәғлүмәт сағылдырыласаҡ (QR-код, штрих-код, УИН, түләүҙең банк реквизиттары). Шулай итеп, түләүсе һалым түләүҙең үҙенә уңайлы теләһә ниндәй ысулын һайлай ала. Шәхси кабинет менән ҡулланыусыларҙың түләүгә дөйөм һалым суммаһы сервистың тәүге битендә билдәләнгән. Шунда уҡ түләүгә күсергә, шулай уҡ иҫәпләнгән сумманы аныҡларға мөмкин. Әгәр һалым белдереүендә булған мәғлүмәттәрҙә милек объекттары тураһында хата мәғлүмәт булһа һәм(йәки) билдәле өҫтәмәләр талап ителһә, мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн мәғлүмәтте туранан-тура «Шәхси кабинет»тан ебәрергә мөмкин. Шәхси кабинет менән ҡулланыусы сервисҡа инеү реквизиттарын юғалтһа, уларҙы теләһә ниндәй һалым органына йәки күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итеп алырға мөмкин. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ алып килергә кәрәк. Шәхси кабинетҡа шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы профиль ярҙамында инергә мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һалымдарҙы ваҡытында түләмәү пеня өҫтәүгә, шулай уҡ суд тәртибендә бурысты ҡайтарыуға, эш хаҡынан, пенсиянан, банктағы иҫәптәрҙән йәки суд приставтары хеҙмәте аша һалым өсөн аҡсаны тотоп ҡалыуға килтерә. Автор:Рәсәй һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 20-се район-ара инспекцияһы. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Һыйыр һәм сусҡа бауыры ҡулланыу тромб барлыҡҡа килтерә. Сөнки был ризыҡтарҙа холестерин һәм К витамины бар. Ә улар иһә туранан-тура ҡандың ҡуйырыуы менән бәйле. Әле шулай уҡ маргарин да һаулыҡҡа насар йоғонто яһай. Уның составындағы трансмайҙар ҡанды ҡуйырта һәм тамырҙарҙағы клапандарға көсөргәнеш бирә, тип яҙа "Актуальные новости" баҫмаһы. Шулай уҡ зыянлы ризыҡтар исемлегенә ыҫланған ҡаҙылыҡ та кергән. Холестерин арҡаһында бляшкалар барлыҡҡа килә, ә улар һуңыраҡ тромбҡа әйләнергә мөмкин. Тромб булмаһын өсөн белгестәр ҡаҙылыҡ һәм бауыр урынына тауыҡ һәм быҙау ите ашарға, ә маргаринды май менән алыштырырға, рационға йәшелсә һәм еләк-емештәр өҫтәргә кәңәш итә. https://intertat.tatar/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Быйыл Сибайҙа Матросов урамындағы өс йорттоң һәм Чайковский урамындағы 10 йорттоң ихатаһын төҙөкләндерәләр. Ошо маҡсатҡа 41,3 миллион һум, шул иҫәптән республика бюджетынан 39 миллион һум йүнәлтелгән. Төҙөкләндереү барышында подъездарҙы, туҡталҡаларҙы, тротуарҙарҙы ремонтлайҙар, заманса балалар һәм спорт, ҡоймаланған контейнер майҙансыҡтары булдыралар, эскәмйәләр, видеокүҙәтеү камералары ҡуялар, үҫентеләр ултырталар. Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәрендә Чайковский урамында башҡарылған эшкә баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә тап ошондай комплекслы ҡараш булдырыу, стандарт булмаған алымдар ҡулланыу, урындағы халыҡтың фекерен мотлаҡ иҫәпкә алыу шарт. Төбәк етәксеһе шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһын ҡарап сыҡты. Быйыл бында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, компьютер томографы һәм ангиография комплексы алынған. Уларҙы урынлаштырыу өсөн махсус бүлмәләр төҙөкләндерелгән. Томограф әле эшләй ҙә башлаған. Ангиографты эшкә ҡушыу-көйләү ғәмәлдәре башҡарыла. 2021 йылдың февралендә тейешле лицензия алғас, аппаратта тәүге пациенттарҙы тикшерәсәктәр. Быйыл дауаханала офтальмология хеҙмәтен йыһазландырыуҙы дауам иткәндәр. Атап әйткәндә, 4,2 миллион һумлыҡ хирургия системаһын алғандар. Уның ярҙамында 475 операция яһалған. Сибай дауаханаһы нигеҙендә муниципаль-ара офтальмология үҙәге асылды тип әйтергә мөмкин. Белгестәр пациенттарҙы урынға барып ҡабул итә, операция яһай. Башҡортостан Башлығы ошондай үҙәктәрҙе бөтә республика буйынса ойоштороу зарурлығын билдәләне. Радий Хәбиров балалар поликлиникаһында булды. 2020 йылда бында инженерлыҡ селтәрҙәре яңыртылған, биналар тар белгестәр өсөн үҙгәртеп ҡоролған. Был маҡсатҡа 9,8 миллион һум аҡса тотонолған, ләкин күҙалланған эштәрҙе тулыһынса тамамлау өсөн был ғына етмәгән. Төбәк етәксеһе өҫтәмә рәүештә өс миллион һум бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Фото: glavarb.ru Автор: Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Respublika-Bashli-inan--ya-shi-ba-a-592523/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
“Бик матур әйбер ҙә бит, тик ул минең образыма тап килмәй. Быны нимә менән кейергә инде?!” – тип баш сайҡаусылар ҙа осрай. Заманса, уңайлы һәм күркәм… “Ҡатын-ҡыҙ юҡтан ғына өс нәмә барлыҡҡа килтерә ала – салат, ығы-зығы һәм эшләпә”. Яңылышмаһам, Коко Шанелдең һүҙҙәре был. Килешәһегеҙҙер, исемлекте тағы ла әллә күпме дауам итергә мөмкин. Шулай ҙа баш кейеменең бер төрө булған сәлләлә (тюрбан) туҡталайыҡ бөгөн. Һәр ҡатын-ҡыҙ, теләге булһа, ҡупшы ғына итеп сәллә яһап кейә ала. Барлыҡ миҙгел өсөн актуаль һәм модалы аксессуар ул. Әммә шуныһы ла бар, был баш кейеме, үҙенсәлеклеге, шәреҡ һылыуҙарына хас булған арбағыс көсө менәндер, күрәһең, һәр саҡ тирә-йүндәгеләрҙең иғтибарын йәлеп итә. Сәллә кейгән ҡатын-ҡыҙға барыһы ла әйләнеп-әйләнеп ҡарай. Йыш ҡына бындай әйберҙәрҙең ҡайҙа һатылыуы, үҙ аллы уралған булыуы күренһә, быға нисегерәк өлгәшеү ысулдары менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Сәлләләрҙе мосолман кибеттәрендә лә, башҡа заманса кейем бутиктарында ла һатып алырға була. Әҙер сәлләләр яһаусы оҫталар ҙа күп бөгөн. Башҡорт һылыуҙары араһында ла бар улар. Бындай баш кейемдәрен ҡул эштәре күргәҙмәләрендә лә йыш осратырға мөмкин. Сағыу, нәзәкәтле образ тыуҙырыу өсөн бөгөн күп ҡатын-ҡыҙ сәлләгә өҫтөнлөк бирә. Шулай ҙа: “Бик матур әйбер ҙә бит, тик ул минең образыма тап килмәй. Быны нимә менән кейергә инде?!” – тип баш сайҡаусылар ҙа осрай. Сәллә – мотлаҡ көнсығыш элементы, тик мосолман дине ҡанундары буйынса йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ғына кейә торған баш кейеме түгел. Эйе, ул оҙонса түңәрәк йөҙлө, бейек маңлайлы ҡатын-ҡыҙға нығыраҡ тап килә. Әммә дөрөҫ һайлаған осраҡта, уны һәммәһенә лә килештереп була. Шуныһы ғәжәп, дөрөҫ ҡуллана белһәң, был аксессуар бөтә кейем – төрлө стилдәге күлдәктәр, джинсылар, кардигандар, пинжәктәр, эшлекле костюмдар менән дә тап килә. Сәлләне оҙон итәкле күлдәктәр менән кейеү образығыҙға нәзәкәтлелек, романтика өҫтәйәсәк. Ул һеҙҙе тағы ла күркәмләр. Бындай кейемдә ҡунаҡҡа ла, көндәлек сараларға ла йөрөргә мөмкин. Әлеге баш кейемен ҡыҫҡа күлдәк йәки сарафан, асыҡ аяҡ кейемдәре менән дә яраҡлаштырып була. Был осраҡта наҙлы, нәфис һылыуҡай образы тыуасаҡ. Ғөмүмән, сәлләне көндәлек кейем төрҙәре менән тап килтереү һеҙгә бәҫ, ҡупшылыҡ ҡына өҫтәр. Тубыҡҡа тиклемге йәки тубыҡтан түбәнерәк оҙонлоҡтағы эшлекле күлдәк һәм сәллә. Уларҙың икеһенең дә бер төҫтә булыуы яҡшы. Һөҙөмтәлә нәзәкәтлелек менән тыйнаҡлыҡ бергә ҡушылып, һоҡланғыс образ барлыҡҡа килә. Һәм был эшкә лә, ашҡа ла ярай торған ысул, минеңсә. Сәлләне джинсы салбар һәм ҡыҫҡа еңле майка менән кейергә була. Ғөмүмән, ике стилдең, гармониялы рәүештә тап килтерелеп, бер-береһен тулыландырыуы бик матур күренеш. Был кейем төрөн көндөҙ ҙә, кискеһен дә кейергә мөмкин. Киноға барғанда, саф һауала йөрөгәндә һис икеләнмәйенсә ошо стилде һайлай алаһығыҙ. Туника һәм сәллә. Был осраҡта этник йәки бохо стиль барлыҡҡа килә. Тап ошондай образда үҙ-үҙе менән гармонияла йәшәгән, кеше күңелен тоя белгән, үҙен һәм башҡаларҙы ла ыңғай яҡҡа көйләп ебәрә алған тәрән күңелле, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ булараҡ тирә-йүндәгеләрҙең күҙ алдына баҫырһығыҙ. Шуныһы ғәжәп, сәллә һыу инеү өсөн тәғәйенләнгән кейемгә лә тап килә. Пляжға йәиһә диңгеҙгә ял итергә йыйынғанда үҙегеҙ менән йоҡа туҡыманан тегелгән сәллә алырға мөмкин. Ул сәсте йыйып ҡуйыу өсөн дә отошло. Ҡояштан да һаҡлай. Бына бит, матур ҙа, нәзәкәтле лә, уңайлы ла. Эшлекле костюм менән ебәк туҡыманан яһалған сәлләләр килешә. Был да күркәмлектең матур бер сағылышы. Күреүебеҙсә, ҡатын-ҡыҙ гардеробында сәллә менән кейер өсөн ниндәйҙер махсус әйбер кәрәк тә түгел. Билдәләп үтеүебеҙсә, ул бөтә кейем төрө менән дә тиерлек тап килә һәм, аксессуар булараҡ, образды байыта ғына. Әммә шуныһы ла бар – сәллә йөҙҙө аса һәм башҡа деталдәрҙе тоноҡландыра. Шуға ла сәллә кейгән осраҡта тейешле макияж булыуы яҡшы. Һүҙ ҙә юҡ, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә матур. Әммә күҙҙәр ҙә, ирендәр ҙә сағыу итеп буялһа, сәлләлә һеҙ шәреҡ һылыуы Шәхрезаданан да гүзәлерәк күренерһегеҙ. Мода тарихына күҙ һалһаң, килеп сығышы шәреҡ илдәре менән бәйле һәм ҡасандыр тик ирҙәр баш кейеме тип иҫәпләнгән сәлләне тора-бара европа илдәре вәкилдәре яратып ҡабул итә һәм ул башлыса ҡатын-ҡыҙ гардеробында сағылыш таба. XX быуат башында Париж модельеры Поль Пуаре тюрбандарҙы һәм киң балаҡлы салбарҙарҙы модаға индерә. Быға модельерҙы Сергей Дягилевтың “Рус миҙгелдәре” илһамландыра. Үҙ мәлендә “Шәхрезада”, “Бәхет ҡошо” спектаклдәре Париж халҡын хайран ҡалдыра. Дягелев балеттары өсөн рус рәссамы Леон Бакст төшөргән костюмдар һәм декорациялар Париж аристократияһын шаҡ ҡатыра. Һөҙөмтәлә улар Франция баш ҡалаһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте музейы тарафынан һатып алына. Бына шулай, рус балеты йоғонтоһо тәьҫирендә, Поль Пуаре үҙенең бөтә донъяға билдәле “махарадж сәлләһе”н барлыҡҡа килтерә. Ул осорҙа өҫтәп ҡуйылған яһалма сәстәр, бөҙрәләр актуаллеген юғалта. Пуаре модаға ялтырап торған шыма сәстәрҙе һәм төрлө сәлләләрҙе индерә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тәүге уҡыуҙа «Һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлау тураһында» һәм «Йәнлектәр донъяһы тураһында» республика закондарына үҙгәрештәр индерҙе. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тәүге уҡыуҙа «Һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлау тураһында» һәм «Йәнлектәр донъяһы тураһында» республика закондарына үҙгәрештәр индерҙе. Улар ярым ирекле шарттарҙа һәм яһалма булдырылған йәшәү мөхитендә һунар итеү үҙенсәлектәрен билдәләй. «Документ һунарсылыҡ хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Маҡсат – махсус шарттар тыуҙырылған, һунар өсөн йәнлектәр үрсетеү буйынса маҡсатлы эш ойошторолған урындарҙа ғына һунар итеү. Был сара биоресурстарҙы һаҡлауға, һунарсылыҡ хужалыҡтарынан ситтә һунар итеүҙе кәметеүгә булышлыҡ итергә тейеш. Европала бындай тәжрибә күптән ҡулланыла, ә беҙҙең илдә һуңғы ваҡытта ғына популярлыҡ яулай башланы», — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. Закон проектында ярым ирекле шарттарҙа һәм яһалма булдырылған йәшәү мөхитендә тотолған йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡи база билдәләнә. Бынан тыш, ошондай йәнлектәрҙе аулауға лимиттар яңынан ҡарала. Законды көҙгө сессия осоронда ҡабул итеү планлаштырыла. https://www.bashinform.ru/news/1471500-v-bashkirii-primut-zakon-pozvolyayushchiy-razvivat-okhotnichi-khozyaystva/ Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Ташбулат, Амангилде мәктәптәрендә һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназияла «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәре асылды. «Мәғариф» милли проекты тураһында һөйләп, мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов, районда «Заманса мәктәп», «Һанлы мәғариф мөхите», «Һәр баланың уңышы» кеүек проекттар тормошҡа ашырыла тип белдерҙе. «Тәүге йүнәлеш буйынса Ташбулат, Амангилде мәктәптәрендә һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназияла «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәре асылды. Улар информатика, технология һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса эш башланы, — тине етәксе. — Ошо уҡ проект эсендә «Ауыл мәктәптәрен газификациялау» йүнәлеше бар һәм ул Рәхмәт мәктәбенә газ индереүгә булышлыҡ итәсәк. Икенсе проект сиктәрендә һанлы ҡоролма менән йыһазландырылған кабинет асылды, ә өсөнсөһө Рауил мәктәбенең спорт залын ремонтларға булышлыҡ итте». #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
– Кешеләр быны шаңдау тип атай. Әммә ысынбарлыҡта был беҙҙең тормошобоҙ кеүек: һин нимәләр һөйләгәнһең һәм эшләгәнһең – барыһын да кире ҡайтара. Тормошобоҙ – беҙҙең эш-ҡылыҡ­тарҙың сағылышы. Әгәр донъянан күберәк яратыу көтһәң, эргә-тирәң­дәгеләргә күберәк һөйөү хистәрен бир. Бәхет теләһәң, күберәк бәхет бир. Ихлас йылмайырға теләһәң, кемде беләһең, шуларға йылмай. Тормош беҙ уға биргәндәрҙе тулыһынса кире ҡайтара. Ул – осраҡлы тап килеүҙәр түгел, ә беҙҙең үҙебеҙҙе үҙебеҙ сағылдырыуыбыҙ, – тип аңлата. https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Sha-dau-453577/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Бала саҡтан, ҡояш, һауа һәм һыу – беҙҙең иң тоғро дуҫтарыбыҙ, тип инанып үҫкәнбеҙ. Ҡояшта ҡыҙыныу – сәләмәтлек нигеҙе, тигән төшөнсә лә ҡаныбыҙға һеңгән. Әммә был ике яҡлы: организм өсөн файҙаһы ла күп, ә инде кәрәгенән артып китә икән, зыяны ла бар. Мәҫәлән, иммун система-һының ҡаҡшауы һәм тире яман шеше кеүек етди ауырыуҙарҙың көсәйеү хәүефе арта. Ҡояш нурҙары аҫтында оҙаҡ булыу тиренең ваҡытынан алда ҡартайыуына этәргес бирә. Шулай уҡ көн үҙәгендә ҡояшта ҡыҙыныу тиренең яныуына ла килтереүе ихтимал. Шуға күрә самаһын белеп, әҙ-әҙләп кенә ҡыҙынырға мөмкин. Ҡояштан нисек һаҡланырға? Тирене ҡояштан һаҡлау өсөн, көндөҙгө сәғәт 12 менән 3 араһында урамға сығырға тырышмағыҙ. Көн ныҡ эҫе булғанда көндөҙгө сәғәт 11-ҙән 5-кә тиклем дә тышта йөрөргә кәңәш ителмәй. Ә ҡыҙыныу ҡәтғи тыйыла. Сөнки тирегеҙҙе яндырыу ғына түгел, башҡа эҫе тейҙереү хәүефе лә көсәйә. Еләҫ көндә лә ҡояшта йөрөү ваҡытын сикләгеҙ. Ел тәнегеҙ-ҙе һыуытып торғанлыҡтан, ҡояшҡа яныуығыҙҙы үҙегеҙ ҙә һиҙмәй ҡалырһығыҙ. Шулай уҡ ҡыҙыу ҡояш аҫтында еүеш тире менән дә торорға ярамай. Сөнки һыу тамсылары линза ролен үтәп, ультрафиолет нурҙарҙың йоғонтоһон көсәйтәсәк. Шуға күрә һыу инеп сыҡҡандан һуң, тирегеҙҙе мотлаҡ таҫтамал менән ҡороторға онотмағыҙ. Эҫе ҡояшлы көндә асыҡ сағыу төҫтәге кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Сөнки ҡара төҫтәр йылыны үҙенә тарта, ә аҡтары, киреһенсә, уны этәрә. Шулай уҡ тәбиғи туҡыманан тегелгән кейем һайларға тырышығыҙ. Улар “тын ала”, эҫе булмаясаҡ, ә синтетик әйберҙәр иһә ҡояшта тәнде тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙырасаҡ. Башығыҙҙы ҡояштан һаҡ-ларға онотмағыҙ, юғиһә эҫе ҡабыуы бар. Бының өсөн киң ситле эшләпәләр ҡулай, төрлө панама, кепка, аҡ төҫтәге яулыҡ та ярай. Иң мөһиме – башығыҙ асыҡ булмаһын. Тирене ҡояштан һаҡлаусы махсус кремдар һәм спрейҙар ҡулланығыҙ. Ҡояшта оҙаҡ булғандан һуң, тирене дымландырыусы һәм витаминдар менән туҡландырыусы кремдар һөртөгөҙ. Өйҙә ҡул аҫтында булған сараларҙан иһә беҙҙә кефир менән ҡатыҡты файҙаланһа-лар, Францияла янған һәм ҡыҙарған тирегә лимон киҫәктәре һалалар. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Аңдан ҡанға, ҡандан заңға, ти халыҡ мәҡәле. Маҡсатҡа, еңеүгә ынтылыш тәрбиәнән генә түгел, ә ҡанға һалынған аңдан да киләлер. Аңдан ҡанға, ҡандан заңға, ти халыҡ мәҡәле. Маҡсатҡа, еңеүгә ынтылыш тәрбиәнән генә түгел, ә ҡанға һалынған аңдан да киләлер. Бөгөн яңы тәпәй баҫҡан балаларҙың теле (рус йәнһүрәттәре касафатымы, әллә интернет, телевизор, бәлки үҙебеҙ ғәйеплеме, белмәҫһең) русса асыла. Күп ғаиләләрҙә, хатта башҡорт ауылдарында йәшәгәндәр ҙә өйҙә рус телендә аралаша. Мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу сәғәттәре лә аҙайҙы, былар бер кемгә лә сер түгел. Шулай ҙа беҙ, уҡытыусылар, уҡыусыларыбыҙға туған телебеҙ серҙәрен, республиканың дәүләт теле тип һаналған гүзәл башҡорт телебеҙҙең моңон еткерергә ты-рышабыҙ, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, фәнни эштәр яҙабыҙ, олимпиадалар-ҙа еңеүгә ирешәбеҙ. Белеүебеҙсә, олимпиада бик ҡатмарлы, яуаплы һынау. Унда мәктәп кимәлендә еңгән иң-иңдәр генә артабанғы этаптарҙы үтә ала. Тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам, йылдың йылы олимпиада һорауҙары ауыр, төрлө этаптарҙан тора. Балалар быға тиклем инша ла яҙҙы, тексҡа тулы анализ да эшләне, викторина һорауҙарына ла яуаптар эҙләне. Был һынауҙар башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар өсөн, ә дәүләт телен өйрәнгән балалар инша яҙа, викторинаға яуап бирә һәм русса тексты башҡорт теленә тәржемә итә ине. Быйыл был эш төрҙәре бер аҙ үҙгәртелде. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балалар тәҡдим ителгән тексты тыңлап, уның йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләргә, таныш булмаған конкурсант менән бирелгән темаға диалог төҙөп, әңгәмә ҡорорға (ҡыҫҡа ваҡыт эсендә) һәм бирелгән текст буйынса 3 һорауға яуап яҙырға, һүҙҙәрҙе тәржемә итергә, ҡайһы берҙәренә лексик-грамматик анализ эшләргә тейеш ине. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән бала уҡыу программаһының 3-сө линияһына ҡарай. Олимпиаданың был этабында ла мотлаҡ рус йәки башҡа милләттән (татар милләтенән башҡа) булған бала ҡатнаша ала. Ике йыл рәттән башҡорт дәүләт теле буйынса муниципаль кимәлдә еңеү яулап республикала үҙен лайыҡлы күрһәтеп ҡайтҡан рус егете, уның ынтылыштары, рухы тураһында бөгөнгө һүҙем. Беҙ, уҡытыусылар, бала күңеленә белем орлоҡтарын һалып ҡына ҡалмайбыҙ, ә шул үҫентеләрҙең артабан шытып, ниндәй кимәлгә еткәнен күҙәтеп, матур, ныҡ булып үҫеүенә булышлыҡ итеүсе кешеләр. Мәҫәлән, үҙем башланғыс кластан уҡ уҡыусыларым араһынан белемгә, уҡыуға ынтылышы юғары, телгә ҡыҙыҡһыныуы ҙур булған балаларҙы “күҙаллайым”. Артабан улар менән яйлап ҡына, теләгенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, ныҡлап шөғөлләнә башлайым. Олимпиада, уның мөмкинлектәре тураһында һүҙ ҡуҙғатып, “ҡылын” да тартып ҡарайым. Баланың теләге барлығы, уның күҙҙәренән үк күренеп тора. Ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ осҡон сәселә ул күҙҙәрҙән, уҡыусы үҙе лә уҡытыусы әйткән һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлай, күңеленә һеңдерә. Шөкөр, ошондай рухлы, аңлы, зиһенле балалар осрап тора тормошомда, эшемдә. 5-6 йыл элек тә Фомин Артур исемле уҡыусым менән олимпиаданың республика кимәлендә уңышлы сығыш яһап ҡайтҡайныҡ. Ул да башҡорт телен шул тиклем бирелеп уҡыны, башҡаларға өлгө булып торҙо. Әлбиттә, был тырышлыҡ, ынтылыш баланың ғаиләһенән дә килә тип әйтер инем. Сөнки өйҙә баланың ата-әсәһе улында йәки ҡыҙында белемгә, уҡыуға мотивация ҡуймай икән, республика телен өйрәнергә кәрәклеге тураһында ыңғай ҡарашта түгел икән – тырышлығыбыҙ ҙа, ынтылышыбыҙ ҙа бушҡа ғына булыр ине. Максим Метельницкий тигән уҡыусымдың да уҡыуға, башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуын башланғыс кластан уҡ “шәйләп” ҡалдым. Тыйнаҡ, ипле, аҡыллы ҡарашлы, тырыш бала ул. Ғаиләһендә лә тыуған илебеҙ телен белергә тейешбеҙ, башҡа халыҡтар менән дуҫ йәшәргә кәрәк тигән төшөнсәләр йәшәй. Әммә Максимдың үҙенең күңелендә ошо төшөнсәнең ныҡлы урын алыуы мөһим. Балала дәрт, алға ынтылыш уятҡан көстө “өмөт шәме” тип атарға булалыр. Өмөт шәме быуынға, аҡылға көс, йөрәккә дәрт бирә бит ул. Ошо шәмде һүндермәү кешенең үҙенән тора. Ә өмөт маҡсатҡа бәйле. Әгәр маҡсат ҡуйғанһың икән, тимәк шуға ынтылырға, өмөтләнергә генә кәрәк. Максим үткән уҡыу йылында республика кимәлендәге олимпиадаға еңеүенә өмөт, ышаныс менән барғайны. Әммә әҙ генә ынтылыш, белем етеңкерәмәгәс, ҡатнашыусы дәрәжәһендә ҡайтҡайны. Тик ул, егеттәргә генә хас үҙһүҙлелек һәм ышаныс менән, киләһе йыл да бында мотлаҡ киләсәген һәм барыбер еңеүгә өлгәшәсәген белдерҙе. Мин ул саҡта уның күҙҙәрендә тап ошо теләкте һәм ышаныс менән өмөттө күрҙем. Еңеүгә өмөт һәм ышаныс нигеҙендә рухи ныҡлыҡ тигән төшөнсә лә тыуҙы шул мәлдә уның күңелендә. Шул осҡондарҙы нисек тә һүндермәҫкә тырыштыҡ Максимдың ғаиләһе, ата-әсәһе менән! Йыл дауамында ул ныҡлы әҙерләнде. Сөнки алдына маҡсат ҡуйғайны. Шул маҡсатына ныҡлы аҙымдар менән барҙы һәм еңде! Рус егетенең ошо ру-хи ныҡлығы, маҡсат-ҡа ынтылышы, алдына ҡуйғанды үтәргә тырышыуы мине һоҡландырҙы. Бының менән ул күптәргә өлгө. Эйе, башҡорт теле уның өсөн сит тел. Әммә баланың теләге, тырышлығы бар икән, ниңә ул осҡондо һүндерергә. Иманым камил, шуға төшөндөм, әгәр кешенең үҙендә, күңелендә бар икән – ул булдыра ала! Тик ошо осҡондо күреп ҡалып ялҡын өҫтәргә, ситтән генә күҙәтеп түгел, ә ярҙам итеп, булышлыҡ иткәндә киләсәгебеҙ яҡты, ышаныслы ҡулдарҙа булыр ине. Бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ, дуҫтар! Ә Максимға афарин, “өмөт шәме”ңде һүндермәй, рухыңды һындырмай алға ынтыл һәм теләктәрең тормошҡа ашһын тип теләйем. Һәм уның ғаиләһенә, ата-әсәһенә – Ләлә Владимировна менән Владимир Владимировичҡа оло рәхмәттәремде еткерәм. Ошондай дан ғаиләләр күберәк булһын ине! Ул сағында бер телгә лә юғалыу ҡурҡынысы янамаясаҡ, халыҡтар дуҫлығы нығыясаҡ һәм тормошобоҙ йәмләнәсәк кенә! Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Коронавирус инфекцияһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле китергә уйламай. Һуңғы тәүлектә республикала 73 ауырыу өҫтәлгән. Коронавирус инфекцияһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле китергә уйламай. Һуңғы тәүлектә республикала 73 ауырыу өҫтәлгән. 16 октябргә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 9 609. Әлеге мәлдә стационарҙарҙа ятыусылар – 118. Табип билдәләгән дауаны өйҙәрендә алыусылар – 810. Тәүлек эсендә 56 кеше, аяуһыҙ вирусты еңеп, дауахананан ҡайтҡан. Пандемия башланғандан алып COVID-19-ҙан барлығы 8 634 яҡташыбыҙ һауыҡҡан. Коронавирустан өҙөлгән ғүмерҙәр һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 47. Үткән тәүлектә республикала 208 сырхауға “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған, был сирҙән ҡотолоп, стационарҙан сығыусылар – 145. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Земфира Усманова хисапсы булып эшләп ялға сыҡҡан. Баҡыр сымдан үрелгән биҙәүесте бынан биш йыл элек күреп ҡала. «Мәскәүҙә йәрминкәлә ошондай алҡалар һатып алғас, уларҙы ҡабатларға маташтым. Хәҙер инде биҙәүестәрҙе үҙем уйлап табып, күңелемә ятҡанса башҡарам, тәбиғи таштар ҡулланам. Бының өсөн күп өйрәнергә тура килде», – ти ул. Баҡыр, көмөш һәм алтын сымдан биҙәүестәрҙе беҙҙең эраға тиклем үк Боронғо Мысырҙа эшләгәндәр. Вире врап (wire wrap) техникаһында башҡарылған биҙәүестәр бөгөн дә гүзәл затты ҡыуандыра. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ ауылдарға сығып үткәрелгән күсмә кәңәшмәләр ваҡытында ауыл биләмәләре башлыҡтарына контейнер майҙансыҡтарын сентябргә тиклем эшләргә ҡушты. Ошо йәһәттән ул Ишембай ауыл биләмәһе тәжрибәһен ҡулланырға тәҡдим итте. Бындағы дүрт ауылда ла контейнер майҙансыҡтары тейешле талапҡа ярашлы ҡоролған: профнастил менән тигеҙ итеп кәртәләнгән, бункер аҫты цемент-бетон ҡатламлы итеп эшләнгән. Тулыраҡ сайтта: #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан . Район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ ауылдарға сығып үткәрелгән күсмә кәңәшмәләр ваҡытында ауыл биләмәләре башлыҡтарына контейнер майҙансыҡтарын сентябргә тиклем эшләргә ҡушты. Ошо йәһәттән ул Ишембай ауыл биләмәһе тәжрибәһен ҡулланырға тәҡдим итте. Бындағы дүрт ауылда ла контейнер майҙансыҡтары тейешле талапҡа ярашлы ҡоролған: профнастил менән тигеҙ итеп кәртәләнгән, бункер аҫты цемент-бетон ҡатламлы итеп эшләнгән. Әйтергә кәрәк, күпселек ауылдарға котейнер майҙансыҡтары эшләнеп, уларға бункерҙар ҡуйылған, бәләкәй контейнерҙар ҙа алынған. Ғөмүмән әйткәндә, районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү яйға һалына. Бункерҙарҙағы сүпте Мәсәғүттән “Прогресс” ойошмаһы машинаһы килеп ала. Был махсус техниканы ябай халыҡ телендә “хапуга”, “воровайка” тип йөрөтәләр. Кран-манипулятор менән йыһазландырылған “КамАЗ” автомобиле сүп-сарҙы үҙенә-үҙе тейәй. Ҡалдыҡтар туранан-тура Мәсәғүттең ТБО полигонына алып кителә. Беҙҙең зонаны хеҙмәтләндереүсе төбәк операторы – “Махсус автохужалыҡ” предприятиеһы вәкиле Булат Хөснөтдинов әйтеүенсә, халыҡтан сүп йыйыу өсөн районда һигеҙ куб.м ҙурлыҡтағы 60 бункер, 95 контейнер ҡуйылған. Бынан тыш, юридик ойошмалар 40 контейнер урынлаштырған. Ауыл урамдарындағы һәм ойошмаларҙағы 0,75 куб. м һыйҙырышлы һауыттарҙы шулай уҡ “Прогресс”тың “ГАЗ-53” базаһындағы махсус автомобиленә бушатып, сүпте Малаяҙ ауылындағы тейәп оҙатыу майҙансығына ташыйҙар. Ә Малаяҙ, Нәсибаш һәм Салауат ауыл биләмәләрендә “Сервис-Строй” йәмғиәте коммуналь ҡалдыҡтарҙы тоҡтар менән йыя. Хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ, быйылдан “сүп-сар” реформаһына ярашлы индерелгән яңы төр хеҙмәт өсөн ай һайын халыҡҡа квитанциялар килә. Төбәк операторы вәкиле белдереүенсә, түләү әлегә ауыр бара. Илдә ҡалдыҡтар менән яңыса эш итеү тәртибе "Экология" милли проектына ярашлы бойомға ашырыла. Әйткәндәй, Республиканың Көйөргәҙе районында сүп-сар һалыу өсөн контейнер үҙҙәрендә етештерелә башлаған. Кәмә рәүешендәге һәм һигеҙ кубометр һыйҙырышлы бункерҙарҙы бында айына 100 дана самаһы, 0,75 кубометр һыйҙырғандарын – 200-әр эшләп сығарырға планлаштыралар. Шулай уҡ 1,1 кубометр сүп-сар һалырға мөмкин булған йәшел төҫтәге евроконтейнерҙар эшләп сығара башлау ҙа күҙ уңында тотола. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был эште “Машхимтрейд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Игорь Ступин ойошторған. Контейнерҙар һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһында өҫтәмә сығым ҡаралған. Һүрәттә: махсус техника Миндеш ауылы контейнер майҙансығында эшләй. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда эпидемиологик хәл нисек? Стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда сирҙе йоҡторғандар йәнә 34-кә артҡан, шулай итеп, коронавирус диагнозы раҫланғандар һаны 6 745 кеше тәшкил итте. Пандемия башланғандан алып республикала 5 173 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә - 88 кеше. Вафат булыу осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. Рәсми теркәлгән үлем осраҡтары әүәлгесә – 22 кеше. Рәсәйҙә тағы ла вирусты йоҡторған 5 482 ауырыу теркәлгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 161 ауырыу вафат булған. Сир менән зарарланғандар һаны, шулай итеп, 839 981-гә етте, 13 963 пациент һәләк булды. Сир тиҙ генә сигенергә уйламай, унан ҡотолоу өсөн барыбыҙҙың тырышлығы кәрәк. Ҡулдан килгән сараларҙы үтәү ҙә - битлек режимын, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл башҡарыу ҙа сир таралыуына кәртә ҡуясаҡ. Иҫән-һау булайыҡ! Фото:GTRK Автор: Дина Арсланова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Кисә кис Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта көслө шартлау булды, бик күп кешенең ғүмере ҡыйылды, тип хәбәр итә донъя агентлыҡтары. Кисә кис Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта көслө шартлау булды, бик күп кешенең ғүмере ҡыйылды, тип хәбәр итә донъя агентлыҡтары. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 78 кеше һәләк булған, ә зыян күреүселәр һаны 3 700-гә барып еткән. Офис биналары, торлаҡ йорттар емерелгән. Шарталау диңгеҙ портында һаҡланған 2750 тонн аммиак селитраһына ут ҡабыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан, тип белдерә илдең хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе генерал Аббас Ибраһим. Фажиғә айҡанла Рәсәй Президенты Владимир Путин ил етәксеһе Мишель Аунға Ливан халҡының ҡайғыһын уртаҡлашыу тураһында белдерҙе, тип хәбәр итә Кремелдең матбуғат хеҙмәте. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: «Бер мөьминдең күҙенән Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып, себен башы ҡәҙәр генә йәше сыҡһа ла, Аллаһы Тәғәлә уның өсөн йәһәннәмде хәрам ҡылды». Тағы ла Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әгәр мөьминдең ҡәльбе (күңел ихласлығы) Аллаһынан ҡурҡып тетрәһә, уның хаталары ағастан япраҡтар ҡойолған кеүек ҡойолор». Ғәйшә разыя — лаһү ғәнһә әйтте: «Мин Рәсүлуллаһынан: «Әй, Рәсүлүллаһ! Һинең өммәтендән йәннәткә хисапһыҙ инеүсе булырмы?» — тип һораным. Ул: «Әлбиттә, гонаһтарын зикер итеп илаусы», — тип яуап бирҙе. Әбү Сөләймән Әд-дәрани рәхимәһүл — лаһү әйтте: «Күҙ йәшенә сыланыусы Ҡиәмәт көнөндә хурлыҡҡа төшмәҫ. Әгәр күҙ йәштәре аҡһа, Аллаһы Тәғәлә, уның беренсе тамсыһы менән, ут диңгеҙен һүндерер. Әгәр кемдер өммәте өсөн илаһа, ул өммәт ғазапланмаҫ». Ҡәғбүл-Әхбәр әйтте: «Нәфесем, йәнем Уның хөкөмөндә булыусы Заты Джәлал менән ант итәм, күҙ йәштәре яңаҡтарҙан ағып төшкәнсе Аллаһынан ҡурҡып илау бер тау алтынды саҙаҡа итеп биреүҙән дә һәйбәтерәк». Ғабдулла бине Ғөмәр разыя — лаһү ғәнһүмә әйтте: «Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡып илау мең алтын динарҙы саҙаҡа итеп биреүҙән хәйерлерәк». Хәҙрәти Ханзәлә разыя — лаһү ғәнһә ошо риүәйәтте ҡылған. «Ул әйтте: Беҙ Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм янында ултыра инек. Ул беҙгә өгөт-нәсихәт һөйләне, ул вәғәздән йөрәктәр тетрәне, күҙҙәребеҙҙән йәштәребеҙ аҡты, нәфестәребеҙҙе белдек. Ғәиләм янына ҡайттым, ҡатыным менән донъя хәлдәрен һөйләшеп, Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм янында булыуымды оноттом, беҙ доньяға баттыҡ. Унан һуң уның янында булыуҙы иҫкә төшөрҙөм, үҙ-үҙемә, «һин ике йөҙлөлеләндең, быға тиклем ҡурҡыу һәм тетрәүҙә инең бит», тинем. Сығып, «Ханзәлә ике йөҙлө», тип ҡысҡыра башланым. Миңә Әбү Бәкер әс — Сиддиҡ разыя-лаһү ғәнһә осраны һәм: «Юҡ, Ханзәлә ике йөҙлө кеше түгел», — тине. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм янына барып һәм мин «Ханзәлә ике йөҙлө», тинем. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Юҡ Ханзәлә ике йөҙлө кеше түгел». Мин уға: «Әй Рәсүлүллаһ, беҙ һинең яныңда булдыҡ, вәғәзеңде тыңланыҡ, ул вәғәздән ҡәльбтәребеҙ тетрәнде, күҙҙәребеҙҙән йәштәр аҡты. Ғәиләм янына ҡайттым һәм донъя тураһында һөйләшеп, һинең яныңда булғанды, барыһын да оноттом», — тинем. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әй Ханзәлә, әгәр һеҙ һәр ваҡыт шул һәләттә булһағыҙ, юлда һәм түшәктәрегеҙҙе булғанда фәрештәләр һеҙҙең менән күрешерҙәр ине». Фәрид хәҙрәт Сәлмән календаре, 2015 йыл. Twitter Digg Facebook Delicious StumbleUpon Эта запись написана автором Назир Сабитов, 04.12.2018 в 02:30, и размещена в категории Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр, вәғәздәр. Следите за ответами на эту запись с помощью RSS 2.0. Вы можете написать комментарий или разместить обратную ссылку на своем сайте. Ошо сайтта кәрәк мәғлүмәт эҙләр өсөн, аҫҡы юлға, мәҫәлән: башҡорт, – тип яҙһағыҙ шул биттәр асыла Ошо аҫтағы *поиск* юлға кәрәк һорау (мәҫәлән: доға (ошо һүҙҙе копировать итеп)) яҙһағыҙ – шул биттәр асыла
Рәхмәй әсәһенең хәлен белмәксе булды. Бындай изге эшкә үҙе теләп тәүәккәлләне тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Командировкаһы шул тарафҡа тура килде. Тыуған яғына юл төшөп, ғәзиз әсәйенде лә күрмәй китеү - килешкән эш түгел инде.Дауамы Рәхмәй әсәһенең хәлен белмәксе булды. Бындай изге эшкә үҙе теләп тәүәккәлләне тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Командировкаһы шул тарафҡа тура килде. Тыуған яғына юл төшөп, ғәзиз әсәйенде лә күрмәй китеү - килешкән эш түгел инде. Эйе, һирәк ҡайта Рәхмәй ауылына. Һунғы тапҡыр ҡасан юл төштө һун әле? Ике йыл элек, буғай. Хат яҙырға ла ваҡыт табалмай бит, исмаһам. Эше муйындан. Ҡала ығы-зығыһы, мәшәҡәт, бала-саға, ҡатын каприздары, тигәндәй. Бына әле юлға әҙерләнергә бөтөнләй ваҡыты булманы тиерлек. Әсәһенә күстәнәс алырға ла форсат таба алманы бит, исмаһам. Ҡарт кешегә әллә нәмә кәрәкмәй кәрәгеүен. Тәм-том, кәнфит-керәндил кеүек ваҡ-төйәк күтәреп ҡайтһан да ифрат һөйөнә әсәһе. Бер нәмә лә кәрәкмәй, һин үҙен миңә күстәнәс, ти... Шулай итеп, Рәхмәй юлға күстәнәсһеҙ генә сығып китте. Хәйер, бынын өсөн артыҡ борсолманы. Кәнфит — ҡайҙа ла кәнфит инде ул, район үҙәгендә кибеткә һуғылырмын әле, тип йыуатты үҙен үҙе. Әммә, хәйерсегә юл ҡаршы, тигәндәй, юлда машинаһы ватылыу сәбәпле, район үҙәгенә кибеттәр ябылыуға ғына барып етә алды Рәхмәй. Ә үҙенең ауылына иртәгәһен тан һарыһынан сығып китергә кәрәк ине. Кәнфит — ҡайҙа ла кәнфит инде, юл өҫтөндә берәй кибет осрар әле, тип уйланы Рәхмәй был юлы ла. Әммә, әмәлгә ҡалғандай, ундағы берҙән-бер кибеттең дә ябыҡ сағына тура килде. “Ярай, үҙебеҙҙең ауылда ла шул уҡ кәнфит инде, — тип тынысланды Рәхмәй, - күстәнәсте ауыл кибетенән генә инеп алырмын әле”. Иртә унмаған — кис унмай, кис унмаған - һис унмай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Ауыл кибете һатыусыһы тауар алырға киткән булып сыҡты. Әллә нитә бер ҡайтып, әсәһе алдына буш ҡул менән килеп инә алмай бит инде. Ни эшләргә? Уйла, Рәхмәй, уйла! Әһә, тапты бит юлын!.. Рәхмәй, өйҙәренә инер алдынан, башта шым ғына соланға - әсәһенен ваҡ-төйәк әйберҙәре һаҡланған урынға һуғылды... Көтмәгәндә-нитмәгәндә өйҙә Рәхмәй пәйҙә булғас, әсәһе шатлығынан нимә эшләргә лә белмәне. Бер миҙгел, ҡайҙа һуғылырға белмәй, сәбәләнде, бөтөрөлдө. Унан һуң самауырына барып тотондо. Ҡайнаған самауыр өҫтәлгә менеп ҡунаҡлағас, Рәхмәй, үҙенен крокодил тиреһенән эшләнгән ыҫпай портфелен асып, бәләкәй генә ҡағыҙ төргәктартып сығарҙы. —Бына, әсәй, әҙ генә күстәнәс алып ҡайтҡайным. Энә лә бүләк, дөйә лә бүләк, тигәндәй, ғәйеп итмәҫһең. —Ниндәй ғәйеп ти ул, балаҡайым. Бындай кәнфитте кисә үҙем дә алып ҡуйғайным кибеттән. Өйҙә бала-саға булмағас, тәм-том ашаусы ла юҡ. Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһең. Һин миңә үҙен күстәнәс, — тип өтәләнде әсәһе. — Әйҙә, әйҙә, етеш әле. Бына һиңә типһаҡлаған һары майым. Балынан ауыҙ ит. Ике йыл тора инде. Бал боҙолмай бит ул. Үрел әле, үрел. Үҙеңдең ризығыңа яҙған икән... Иртәгә тауыҡ салырбыҙ бына... Рәхмәй, йәштәштәрҙе күрәйем әле, тип сығып киткәс, әсәһе, улының күстәнәс кәнфиттәрен яулыҡҡа төйнәп, соланға сығарып ҡуйҙы. Ғүмер буйы запаслы торорға күнеккән ул. Ана унда ике йыл элек йыйған мәтрүшкә бәйгәме эленеп тора, бынауы төйөнсөктә — кипкән ҡарағат, икенсеһендә — ҡурай еләге. Ә бына был ҙур төйөнсөктәрҙә тәм-том — кәнфит-шәкәр, өрөк, тигәндәй... Иғтибарлабыраҡ ҡараһа, кәнфит: төйөнсөгөнөң яртылаш кәмеүен шәйләр ине ул шәйләүен. Әммә иҫкә алманы. Мөлкәтен барлау ҡайғыһымы һуң? Һөйөнөсөнән ҡайҙа баҫҡанын да белмәй әсә. Рәхмәйе ҡайтҡан бит, Рәхмәтуллаһы! Әсәһенен хәлен белергә ҡайтҡан!.. Күстәнәс тейәп ҡайтҡан!..
Баҡсанан көҙгө уңышты йыйыу дауам итә. Шөкөр, барыһы ла мул быйыл. Оҫта хужабикәләр ғаиләһен йыл буйына тәмле ҡайнатмалар, төрлө салаттар менән һыйлаясаҡ. Күптәребеҙ баҡса тултырып ҡабаҡ та үҫтергәндер. Уның файҙалы яғын беләбеҙ. Ә бына зыяны ла юҡ түгеллеге һеҙгә мәғлүмме? Файҙаһы. Ҡабаҡта күҙ күреүен яҡшырта торған элемент – каротиноид күп. Был йәшелсә ҡан баҫымын төшөрә, эсәктәрҙе шлактан таҙарта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккән кешеләргә дә файҙалы. Халыҡ медицинаһында ҡабаҡты бауырҙы таҙартыу өсөн ҡулланалар. Уның төшө ир-атҡа айырыуса файҙалы. Ҡатын-ҡыҙҙа иһә ҡартайыу процесын тотҡарлай. Шулай уҡ тырнаҡты, сәсте витаминдар менән байыта. Зыяны. Ҡайһы бер кешеләрҙә ҡабаҡҡа аллергия күҙәтелеүе мөмкин. Уның төшө майлы, туҡлыҡлы, шуға ла ябығырға теләгән кешеләр өсөн бик үк файҙаға булмауы ихтимал. Гастрит, ашҡаҙанында йәрәхәт бар икән, сама менән генә ашарға кәңәш ителә. https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/aba-ty-abyr-an-alda-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Күршең менән талашҡың килһә, кәзә ал, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән. Салауат районының Юлай ауылында кәзә арҡаһында низағ сыҡҡан. Берәүҙәрҙең кәзәләре күршеләренең бесәненә эйәләшкән. Салауат районының Юлай ауылында кәзә арҡаһында низағ сыҡҡан. Берәүҙәрҙең кәзәләре күршеләренең бесәненә эйәләшкән. Ир быларҙы ҡыуып ҡарай ҙа һуң, тегеләре бер нисә минуттан тағы ла тып итеп килеп баҫа. Аптыраған ир пневматик мылтығын алып сығып, тегеләргә тоҫҡаған. Яраланған хайуан өйөнә ҡайтып йығылған. Ярай әле хужалары күреп ҡалып, һуйып өлгөргән. Ауылдашының был ҡылығына асыуланып, күршеһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Был осраҡта кем ғәйепле? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/k-rshel-r-ni-talasha-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов “Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы биләмәһендә 2021 йылдың яҙғы-йәйге осоронда янғын хәүефһеҙлеген нығытыу тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Унда үрҙә аталған осорға саралар планы раҫлана. 15 апрелдән 15 майға тиклемге осорҙа районда янғын хәүефһеҙлеге айлығы үтә. Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, иҫкәртеү-профилактика эштәрен көсәйтеү, өйҙәрҙә (айырыуса аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, социаль хәүефле һаналған, профилактик иҫәптә торған, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ғаиләләр йәшәгән) янғын иҫкәрткестәрҙең булыу-булмауын тикшереү, ауылдар тирәләй минераллаштырылған һыҙаттар булдырыу, ер участкаларын ҡауландан таҙартыу һ.б. эштәр күҙаллана. Бигерәк тә балаларҙың йәйге ял объекттарына иғтибар көсәйтелергә тейеш. Мәғариф учреждениеларында “Янғын хәүефһеҙлеге көндәре” үткәреү, “Йәш янғын һүндереүсе”, “Йәш ҡотҡарыусы” түңәрәктәре ойоштороу һ.б. саралар тәҡдим ителә. Йәнә лә граждандар шуны иҫтәрендә тотһон: ҡауланды, башҡа көнкүреш сүп-сарын үртәргә ярамай. Муниципаль район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов “Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы биләмәһендә 2021 йылдың яҙғы-йәйге осоронда янғын хәүефһеҙлеген нығытыу тураһында” ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Унда үрҙә аталған осорға саралар планы раҫлана. 15 апрелдән 15 майға тиклемге осорҙа районда янғын хәүефһеҙлеге айлығы үтә. Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, иҫкәртеү-профилактика эштәрен көсәйтеү, өйҙәрҙә (айырыуса аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, социаль хәүефле һаналған, профилактик иҫәптә торған, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ғаиләләр йәшәгән) янғын иҫкәрткестәрҙең булыу-булмауын тикшереү, ауылдар тирәләй минераллаштырылған һыҙаттар булдырыу, ер участкаларын ҡауландан таҙартыу һ.б. эштәр күҙаллана. Бигерәк тә балаларҙың йәйге ял объекттарына иғтибар көсәйтелергә тейеш. Мәғариф учреждениеларында “Янғын хәүефһеҙлеге көндәре” үткәреү, “Йәш янғын һүндереүсе”, “Йәш ҡотҡарыусы” түңәрәктәре ойоштороу һ.б. саралар тәҡдим ителә. Йәнә лә граждандар шуны иҫтәрендә тотһон: ҡауланды, башҡа көнкүреш сүп-сарын үртәргә ярамай. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
1 февралдән Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пособиелар 3% индексацияланды. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының тейешле ҡарары һөйләшеп килешеү өсөн Финанс министрлығына, Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән, тип хәбәр итте«Известия». Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, һүҙ Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына айлыҡ түләүҙәр хаҡында бара. Шулай уҡ ветерандарға түләүҙәр, инвалидтарға оҙатып йөрөүсе эттәрҙе аҫрау өсөн компенсациялар, радиация фажиғәләре һәм ядро һынауҙары һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булған граждандарға компенсациялар һәм башҡа түләүҙәр тураһында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса хөкүмәткә 2026 йылға тиклем әсәлек капиталын йыл һайын индексацияларға һәм беренсе балаға аҡса бүлергә йөкләмә бирҙе. Рәсәй президенты сайтында баҫылған йөкләмәләрҙә ошо хаҡта һүҙ бара. Шулай уҡ Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаһы тыуған (уллыҡҡа алған) ғаиләләргә әсәлек капиталына хоҡуҡ бирергә ҡушты. Аҡсаның күләме 466 617 һум тәшкил итергә тейеш, ә ошондай ғаиләләрҙә икенсе бала донъяға килгән (уллыҡҡа алынған) осраҡта түләүҙең күләме 150 000 һумға арта. Әсәлек капиталын алмаған ғаиләләр өсөн 2020 йылдың ғинуарынан ғаиләлә икенсе бала тыуғанда ул 616 617 һум була. Был йөкләмәләр 2020 йылдың 15 апреленә хәтлем үтәлергә тейеш.
Гәзитебеҙҙең 21 июнь һанында Күмертауҙа урынлашҡан «Стройдорсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы биләмәләрендә эйәһеҙ, бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙе тотоу буйынса тендерҙы отоуы һәм бының өсөн республика бюджетынан ҡалаға 579 мең һум, ә райондың 84 торлаҡ пунктына 601 мең һум аҡса бүленеүе хаҡында яҙып үткәйнек. Был аҡсаға йыл аҙағына тиклем ҡала буйынса 369 эт һәм 108 бесәй, ә район буйынса 457 эт тотоу бурысы ҡуйылғайны. Эттәрҙе тотоу өсөн һәр бер силсәүиткә өҫтән план да төшөрөлгән булған икән. Аңлатыуҙары буйынса, был план ауыл советында йәшәүсе халыҡ һанына ҡарап иҫәпләнгән. Мәҫәлән, Ермолаево силсәүитендә кеше күп булғас, унда берәҙәк эттәр ҙә күп килеп сыға. Шуға ла уларға, план буйынса, йылына 163 эт «тапшырырға» кәрәк. Ленин силсәүитенә план буйынса 20 эт «бирелгән», улар 3-тө генә тотҡандар. Ермолаево силсәүите башлығы Роман Барановский, иртәле-кисле эт эҙләү менән мәшғүлбеҙ, тиһә, Ленин силсәүите башлығы Евгений Андрюшин, беҙ ҡайҙан эт алайыҡ, беҙҙә башҡаса эттәр юҡ, тигән аңлатма бирә. «Эттәрҙе тоторға тейеш булған ойошмаға телефон аша заявка бирәбеҙ. Шул заявка буйынса, улар килеп тоторға тейештәр. Әммә эт бит бер урында ғына уларҙың килгәнен көтөп тормай, улар килгәнсе берәҙәк юҡҡа сығыуы ла бар. Әле беҙҙә 14 эт атылды», - ти Бахмут ауылы советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова. Шылтыратып һорашҡас, ауыл советы хакимиәте етәкселәре күпме эткә заявка бирелгән, күпмеһе тотолған икәнен беләләр, ә үҙҙәренә ҡуйылған планды белмәй ҙә булып сыҡтылар. Илкәнәйҙә — 25 эт атылған, Шәбағыш ауыл советында план 100%-ҡа үтәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, Шәбағышҡа ҡала яҡын булғас, берәҙәк эттәр һәр ваҡыт килеп сығып тора, шуға улар пландарын үтәһәләр ҙә, һаман да шылтыратып, саҡырып ҡына торалар икән. Шулай уҡ халыҡта: «Бына минең этемде атып киткәндәр. Нишләп аттығыҙ, тип һорағайным, үпкәләмәгеҙ, миңә планды үтәргә кәрәк, тип әйтте силсәүит», - тигәнерәк илауҙарҙы ла ишетергә мөмкин. Һорауға асыҡлыҡ индерер өсөн үрҙә әйтеп кителгән йәмғиәттең директоры Вадим Хәмитйән улы Маннановҡа мөрәжәғәт иттек. Уның һөйлә-үенән аңлашылыуынса, ҡалалағы план әллә ҡасан уҡ үтәлгән инде. Күмертауҙа эт өйөрө менән йөрөй – уларға бында ҡытлыҡ юҡ. Шулай ҙа, әгәр кәрәк икән, был эште улар һаман да дауам итәләр. Район буйынса ла планда ҡаралған 457 эт тотолған булып сыҡты. Эттәрҙең 67-һе төрлө ауырыуҙарға тикшереү үткәрелгәс, кире сығарып ебәрелгән. «Иҫәпте нисек алып бараһығыҙ ул? Ни эшләп районда план үтәлмәгән, тип әйтәләр һуң?» тигәнерәк һорауҙарға: «Бына кисә генә Шәбағышта 14 берәҙәк этте тоттоҡ. Һәр бер ауылдан яҙма рәүештә заявка ҡабул итәбеҙ һәм эттәрҙе тотҡас, урында уҡ акт төҙөйбөҙ. Иҫәп өсөн, һәр бер тотолған эткә карточка эшләп барабыҙ. Әлеге көндә беҙҙә 5 декабрь мәғлүмәттәре. Районға яңы мәғлүмәт барып етмәгәндер, күрәһең», - тигән яуап ишеттек. Ә «План үтәлмәһә, нимә була һуң?», - тигән аптырау ҡатыш һорауға: «Был бүленгән аҡсаны тотоноп бөтмәү һәм шуға күрә икенсе йылға аҡса аҙыраҡ бүленәсәк тигәнде аңлата», - тип яуап бирҙе Вадим Хәмитйән улы. Аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡмайбыҙ тип (маҡсатлы аҡса кешеләргә ҡурҡыныс булған мәхлүктәрҙе юҡ итеү өсөн генә тотонолорға тейеш) эт баҫтырабыҙ. – Әмерикәне ит буйынса уҙып киттек, – тигән, ти, берәү икенсеһенә. Тегеһе ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булған. – Бет буйынса тиһеңме? – Ит, тием. – Эт??? Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 146 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 15 121-гә етте. Һауыҡҡандар – 12 415 (һуңғы тәүлектә 18 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 90 (һуңғы тәүлектә тағы ике кешенең үлеме теркәлгән). Коронавирустан вафат булған һуңғы өс кешенең шәхестәренән килгәндә, 5 декабрҙә Өфөнән 60 йәшлек ҡатын вафат булған. Ул шәкәр диабеты, йөрәк ишемияһы, коронаросклероз, гипертониянан яфаланған булған. 6 декабрҙәге коронавирус ҡорбандарына килгәндә, береһе – баш ҡаланан 77 йәшлек ир. Ул атеросклероз, кардиосклероз, хроник пиелонефрит, бронхит менән сирләгән. 90-сы ҡорбан – шулай уҡ Өфөнән 68 йәшлек ир. Ул да буллез инфезема, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланған. Республика стационарҙарында – 596 (шул иҫәптән 45 кеше ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 2020 ауырыу дауалана. Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 765 137 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә - 11 361. Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 389 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 396 пациент дауахананан сығарылған. Фото: ИА «Башинформ» Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/COVID-19--m-pnevmoniya-buyinsa-k-r-tkest-r-nind-y-577040/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Улар – 1932 йылғылар – әҙәбиәткә берәм-һәрәм түгел, ҙур төркөм булып килде. Ишле ине утыҙ икенселәрҙең сафы. Һанай китһәң, тиҫтәгә тулыр: Рәми Ғарипов, Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Рафаэль Сафин, Шакир Бикҡолов, Йыһат Солта­нов, Фәрит Богданов, Рәмил Хәкимов... Улар – 1932 йылғылар – әҙәбиәткә берәм-һәрәм түгел, ҙур төркөм булып килде. Ишле ине утыҙ икенселәрҙең сафы. Һанай китһәң, тиҫтәгә тулыр: Рәми Ғарипов, Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Рафаэль Сафин, Шакир Бикҡолов, Йыһат Солта­нов, Фәрит Богданов, Рәмил Хәкимов... Башҡортостандың төрлө районда­рында, төрлө тарафтарҙа тыуып-үҫкән тиҫтерҙәрҙе Өфө үҙ вуздарына тартты. Уларҙың байтағы бер ваҡытта тиерлек дәррәү Башҡорт дәүләт университеты­на уҡырға инде, ундағы әҙәби түңә­рәктәр эшенә сәм һәм йәм өҫтәп ебәрҙе. Утыҙ икенселәр әҙәбиәт ишеген иртә шаҡыны. Рәми Ғариповтың шиғырҙары 40-сы йылдар аҙағында уҡ матбуғатта йыш күренә башланы. «Йүрүҙән» исем­ле тәүге китабы сыҡҡанда уға бары егерме икенсе йәш киткәйне. Рафаэль Сафин «Тормош ҡушыуы», Рәйес Низа­мов «Һалдат улы» китаптары менән тиндәшенән шулай уҡ әллә ни ҡа­лышманылар. Белем туплап, күпмелер тормош мәктәбе үтеп, үҙ тауыштарын тапҡан­сы, тәүге китаптарын сығарғансы Әнүр Вахитовтың, Ким Әхмәтйәновтың, айырыуса Йыһат Солтановтың ғына йәштәре утыҙҙан уҙа яҙып йә артылып китте буғай. Ҡәләм алырға ашыҡмаған Фәрит Богдановтың юлы үҙенә башҡа. Утыҙ икенсе йылғыларҙың әҙәби хәрәкәткә әүҙем ҡушылыуҙары, ижад активлыҡтары 60-70-се йылдарға тура килә. Был Мостай Кәрим талантының бөтә ил күләмендә балҡыған, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов, Фәрит Иҫәнғолов романдары тыуған, бөтә жанрҙар ҙур күтәрелеш кисергән осор. Шул уҡ ваҡытта был осор башҡорт әҙәбиәтен Рәми Ғарипов, Рәйес Низа­мов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов һәм уларҙың тиңдәштәренең ижадынан тыш тулы итеп күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Улар нәҡ ошо йылдарҙа өлгөрөп етеп, янып-ярһып ижад итте­, әҙәбиәтебеҙҙең үҫешен, кимәлен билдәләрлек әҫәрҙәр яҙҙы, әҙәби хәрәкәтте үҙҙәренсә әйҙәп барҙы. Шуныһы ла мәртәбәле, әгәр 60-70-се йылдарҙа Рәми Ғарипов башҡорт позияһын яңы бейеклектәргә күтә­решкән талантлы шағир булып танылһа, шунса миссияны әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов менән Әнүр Вахитов үтә­не. Улар ижады шул заман өсөн юғары баһаға лайыҡ. Утыҙ икенселәрҙең һәр береһенең үҙ тауышы, үҙ яратҡан жанрҙары, үҙ маһирлыҡтары бар. Уларҙың һәләте төрлө әҙәби төрҙәрҙе киң иңләне, поэ­зияға, прозаға, драматургияға, әҙәби тәнҡиткә булһын, үҙ өлөштәрен, үҙ биҙәктәрен ҡушты. Был быуын яҙыусыларының – айырыуса әле һүҙ алып барыласаҡ ике әҙиптең – белем, интеллектуаль ки­мәлдәре тейешле профессиональ юға­рылыҡта ине. Р. Ғарипов, Р. Сафин, Р. Низамов, Әҙәбиәт институтын та­мамлап, яҙыусы профессияһының нигеҙҙәрен, серҙәрен теоретик яҡтан да тәрәнерәк үҙләштерҙеләр. Ким Әхмәт­йәнов менән Әнүр Вахитов аспиранту­рала уҡып, кандидатлыҡ диссертация­һы яҡлаған, фәнни тикшеренеү инсти­тутында әҙәбиәт ғилеме менән күп йылдар шөғөлләнгән ғалимдар ине. Юҡ, теория менән ҡоралланған белгес­тәр генә түгел, ысын ижадсылар, әҙип­тәр ине улар. Был тиҫтерҙәрҙең ижади, ғилми мираҫын, ижад үҙенсәлектәрен әле бөтөн тәрәнлегендә асаһы һәм ныҡлап өйрәнәһе бар. Утыҙ икенселәр, беҙ күмәк, бер ҡорбоҙ, тип шаярып йә үҙҙәренсә әҙ генә маһайып алырға яратҡыланылар ҡай саҡ. Улар бер-береһенең һәр яңы әҫәре менән ҡыҙыҡһынып, уҡып, бә­хәсләшеп, сәмләшеп ижад иттеләр. Әҙәбиәт ҡаҙанын да улар үҙҙәренсә ҡайнатырға керештеләр, бер аҙҙан олораҡтарҙың үксәһенә баҫып бара башла­нылар. Йәшлек дәртен һәм сәмен, заман темпын бүтәндәргә лә йоҡторҙо улар. Әҙәбиәттә ғилми ярыш, өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәр, бәхәстәр ҡыҙҙы. Рәми Ға­рипов, Рафаэль Сафин, Рәмил Хәкимовтар поэзияның теҙгененә йәбеште­ләр. Ким Әхмәтйәнов менән Әнүр Вахитов тәнҡит бизмәнен ҡулдарында йыш тоттолар, Рәйес Низамов «Ағиҙел» журналының баш редакторы булып, яҡшы әҫәрҙәрҙе һайлап, тәүләп донъ­яға сығарыуҙа үҙ һүҙен әйтә һәм башҡара килде. Бар ине, бар ине ул утыҙ икенселәрҙең әҙәбиәттең түренә үтеп, уны әйҙәп һәм ҡеүәтләп барған саҡтары! Шул саҡтарҙағы шаулы йыйылыштар, ҡайнар бәхәстәр, уңыштарҙан ҡыуа­ныстар, етешһеҙлектәрҙән көйөнөстәр, уртаҡ шатлыҡтар, берҙәй борсолоуҙар һағындырып-һағындырып ҡуя хәҙер. Ҡайҙа китте икән улар: тураһын әйтеп һөйләшеүҙәр, юғары талаптар, дөйөм эш өсөн яныуҙар, көйөүҙәр! Шулай янып, илһамланып эшләп йөрөгәндә бер заман утыҙ икенсе йылғыларға әллә ни булды: 1977 йылда Рәми Ғариповтың ҡапыл йөрәге туҡта­ны. Уның артынса берәм-берәм Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов, Шакир Бикҡолов, бер аҙ аҙағыраҡ Әнүр Вахитов арабыҙҙан китеп барҙы. Утыҙ икенселәрҙең тығыҙ сафы һирәкләнеп ҡалды. Киткәндәрҙән ҡәләмдәштәрҙең ниндәйҙәре бит! Белемгә һыуһау, әҙәбиәт уларҙы Өфөгә алып килгәйне, атаҡлы әҙиптәр итеп етештергәйне. Өфө тупрағы, Ағи­ҙел моронондағы бейек яр башы Рәми Ғариповты үҙ ҡуйынына алды, Әнүр Вахитов Ағиҙел аръяғындағы урман эсендәге зыяратҡа инеп ятты. Рәйес Низамов, Ким Әхмәтйәнов менән Ша­кир Бикҡоловты үҙ тыуған ауылдары­ның тупрағы үҙенә тартып ҡайтарҙы. Ни саҡлы үкенес – үтә иртә китте­ләр шул. Әнүр Вахитов ҡына иллеһен тултырып өлгөргәйне. Бүтәндәре ошо йәшкә лә етә алманы. Рәмигә бары 45 йәш ине. Хәҙерге заман ир кешеһе өсөн яңы олпатлыҡ килер йәш. Бик аҙ йәшәнеләр, ҡыҫҡа булды ижад ғүмерҙәре лә. Шуныһы әҙерәк йыуаныс бирә: шул ҡыҫҡа ғүмерҙә лә улар йәшнәп йәшәргә өлгөрҙө, әҙәбиәтебеҙ донъяһында үҙ эҙҙәрен һалып исем-ат алып, мәртәбә табыуға иреште. Кешеләрҙең ҡәҙерҙәре йыш ҡына һуңыраҡ беленә. Был уларҙы иҫән саҡтарында тейешенсә ҡәҙерләмәүҙән түгел, быға һәр саҡ яй һәм форсат та сығып тормауҙан, бигерәген эш өҫтөн­дәге кешенең башын әйләндереп таш­лауҙан һаҡланыуҙан йәиһә такттан килә торғандыр, бәлки. Әҙме ни сама­һыҙ маҡталып үҫеүҙән туҡталып ҡал­ған әҙиптәр. Утыҙ икенселәр эшкә мөкиббән ижад кешеләре ине. Шуларҙың бигерәк тә дүртәүһен яҡындан бик яҡшы беләм. Ким Әхмәтйәнов һәм Әнүр Вахитов менән беҙ бер урында – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бер секторҙа егерме йылға яҡын бергә эшләнек. Уртаҡ темалар, уртаҡ әҙәби мәсьәләләр менән шөғөлләндек. Фәндә бергәләп эҙлән­дек, яңылыҡтар астыҡ, бәхәсләштек, тәнҡит һүҙҙәре әйтештек. Әммә үпкә­ләшеүҙәр, хәтер ҡалдырыуҙар булма­ны буғай. Күп хеҙмәттәребеҙ, китапта­рыбыҙ бер-беребеҙҙең күҙ алдында яҙылды, бергәләп тикшерелде, донъяға сығыуға булышлыҡ ителде. Рәми Ғарипов менән Рәйес Низамовты иһә күпкә элегерәк, мәктәп йылдарынан уҡ белә инем. Белеү генә түгел, уларҙың әҙәбиәттәге тәүге аҙым­дарында дәртләндерер һүҙ ярҙамым да тейгәндер, тим. Аҙаҡ та улар ижадын даими күҙәтә һәм кәрәк мәлендә һүҙ әйтә барҙым. Улар менән әҙәбиәт ха­ҡында янып, ярһып һөйләшкәндәрҙе, бәхәстәрҙе оноторлоҡ түгел. Ким Әхмәтйәнов һәм Әнүр Вахитов менән эшләүҙәре күңелле һәм еңел ине. Күңелле – сектор ултырыштарында фекер алышыуҙар, былай әңгәмәләр, ысын ижади төҫ алып, рухи кинәнес бирер ине. Еңел – уларға ауыр эштәр йөкмәтелһә лә, күңел тыныс, ваҡы­тында тейешле кимәлдә башҡарып сығырҙарына һис бер шик юҡ. Был дүрт кесе ҡәләмдәштәремде яҡшы беләм тиһәм дә, улар үтә шаран- яран да кешеләр түгел ине. Яйлап яңы яҡтарын, үҙҙәренсә холоҡ-ҡылыҡтарын аса барған һайын аптырап ғә­жәпһенеп ҡуйған саҡтар ҙа булманы түгел. Кимдең ыҡтыматлығы һәм тырышлығы, Рәмиҙең күп уҡыуы һәм төплө белеүе, Әнүрҙең өйөм-өйөм ҡулъяҙмаларҙы иренмәй уҡып, ҡәләмдәштәренә эскерһеҙ ярҙамы мине гел һоҡландырҙы һәм уларға ихтирам тойғоһон уятты. Белемле, тырыш, эшсән һәм үтә уңған да ине улар. Шул уҡ ваҡытта асылып бөтмәҫ сәйер, бер серлерәк, Әнүр йомоғораҡ, Рәми тәүәккәлерәк, ҡәтғиерәк. Рәйес балаларса үпкәселерәк кешеләр булып та ҡалды минең күңелдә. Уларҙың үҙҙәре кеүек, ижадтары ла – тояһығыҙмы икән, – бик ғәҙәти ҙә түгел бит. Рәми Ғарипов поэзияһының эске егәрен, мәғәнә тослоғон асаһылар алда әле. Ким Әхмәтйәновтың төплө теоретик ҡараштары, үҙенә генә хас уй-фекер һөрөлөшө, тел-стиль үҙенсә­лектәре ныҡлы өйрәнеүҙе көтә. Әнүр Вахитовтың прозабыҙҙы тикшереүҙәге эпик ҡоласлылығы, зирәк күҙәтеүҙәре иғтибарға лайыҡ. Рәйес Низамов прозаһының тормош менән айырылғыһыҙ берлеген, реаль ерлеген, прототипта­рын, публицистик аһәңен асыу үҙе бер бурыс. Ошо ҡәләмдәштәремдең әлегә икеһе­нең шәхесенә һәм ижади портретына, айырым ҡараштарым һәм хәтирәләрем менән башлап бүлешеп ҡарарға ине ниәтем. ӘНҮР ВАХИТОВ Һәр кемдең аңында һәм күңелендә туғандарының, дуҫтарының, яҡшы белгән кешеләренең үҙенсә һыны һәр саҡ һаҡланыусан. Мәҫәлән, минең үҙем өсөн Әнүр Вахитовтың зиһенемдә үҙ портреты бар, рухи һыны күңелдә йәшәй. Әнүр Вахитовтың ҡустыһы рәссам Рәшит Зәйнетдинов төшөргән буяулы һүрәтен ҡат-ҡат ҡарағаным бар. Әнүр­ҙең эш бүлмәһендә буталлы ҙур рамда элеүле тора ул. Унда Әнүр уйсан ҡа­рашлы, етди сырайлы. Ул һине лә, донъяны ла һаман һынап ҡарай кеүек. Йөҙөндә ниндәйҙер һағыш та, үкенес төҫмөрҙәре лә бар һымаҡ. Миндәге портретҡа ул күпмелер тура килә лә, килмәй ҙә. Кемде-кемде, мин Әнүрҙе яҡшы белергә тейеш. Егерме йылдан артыҡ бергә эшлә лә, әҙәбиәт ҡаҙанында утыҙ йыллап бергә ҡайна ла, нисек белмәҫ­һең. Күргән-белгәндән бирле Әнүр Вахитов шул һәлмәк тәбиғәтле, сабыр холоҡло кеше. Аҙ һөйләр, күп һынар. Әйтһә, һүҙен тос һәм мәғәнәле итеп әйтер. Уны, тыйнаҡ кешене, сығырынан сығарыр хәлгә тарытһалар, кемдең кем булыуына ҡарамай, тураһын ярып һалыр. Уның һынсыл ҡарашы, үлсәп әйтеүе әңгәмәләшенең кем икәнен дә тиҙ шәйләп алыр: фекерҙәш алсаҡ, ихлас кеше икән, ул үҙе ихласлап һөйләшә башлар, өҫтән-мөҫтән йөҙгән һәм юҡты-барҙы лығырлар бер әҙәм икән, уның менән әңгәмәне тиҙ өҙөр, сүбәк сәйнәп ваҡыт уҙҙырмаҫ. Әнүр Вахитов йәштәр менән арала­шырға, йәш яҙыусылар менән осрашырға бик әүәҫ ине. Һис бер тотҡар­лыҡһыҙ тәүге яҙмаларын ентекләп уҡыр, конкрет фекерҙәрен әйтер, кә­ңәштәрен бирер, баҫтырып сығарыу дәрәжәһенә еткерергә ярҙам итешер ине. Ә Яҙыусылар союзы янындағы проза секцияһы эше тип, ул ғүмере буйы сапты, тау-тау ҡулъяҙмалар уҡы­ны, оло һәм кесе ҡәләмдәштәренә ярҙам ҡулын һуҙҙы. Ҡарамаҡҡа үтә тыныс һәм һәлмәк күренгән Әнүр Вахитов ғәмәлдә бик тынғыһыҙ һәм өлгөр кеше булды. Ин­ститутта өҫтәл артына бер ултырып алһа, бүлмәләштәренә һис күтәрелеп ҡарамай, ингән-сыҡҡан кешеләргә лә әллә ни иғтибар итмәй, баш баҫып эшкә сумыр ине. Шулай сәғәттәр буйына урынынан ҡупмай, яҙышып ултыра. Өйөндә лә шулай. Эшкә күмелһә, уны телефондан шылтыратып та алырмын тимә. Трубканы күтәрмәй ҙә ҡуя. Бик кәрәк булһа ла, ярай, Әнүрҙең яҙышҡан сағылыр, тип бүлдермәҫ, би­мазаламаҫ булаһың. Оҙаҡламай үҙе йә яңы яҙып бөткән бер мәҡәлә, йә монографияның бер бүлеген күтәреп килер, эш, йомош ҡушһаң, уны йәһәт һәм еренә еткереп башҡарыр. Өҫтәүенә, Яҙыусылар союзында һыу буйы оҙонлоғо романдарҙың, күпкәк повестарҙың ҡулъяҙмаларын уҡыу ҙа гелән уның өҫтөнә төшә. Ул шул ҡалын-ҡалын ҡулъяҙмалар өйөмөнә көн буйы текемләп күҙ нурын түгә. Авторға әйтер һүҙен, тәнҡит ҡарашта­рын ҡуйын дәфтәренә теркәштереп бара. (Архивын аҡтарғанда диҡҡәт иттем: ундай ҡуйын дәфтәрҙәре үҙҙәре әллә нисә тиҫтә). Әйткән фекере уның ғәҙел, объектив булыр, хәстәрлек менән һуғарылыр. Башҡортостан Яҙыу­сылар союзында ун йылдан артыҡ проза секцияһы менән етәкселек итеү осоронда уның ҡулы һәм күҙе аша үткән ҡулъяҙмаларҙың иҫәбе-һанына сығып булмаҫ. Бөгөнгө быуын ҡайһы ғына прозаигыбыҙ Әнүр Вахитовтан үҙ әҫәрен донъяға сығарыуҙа фатиха һәм иптәштәрсә ярҙам алманы икән? Шуныһы ҡыҙыҡ, төпләнеп эшләп алған күпмелер көндәрҙән һуң Әнүр, ирегеп киткәндәй, таныш һуҡмаҡта­рын бер итеп йөрөп сыға: Матбуғат йортоноң һәр бер ҡатында тиерлек була, нәшриәткә һуғыла, Яҙыусылар союзына инә, университет кафедрала­рына күтәрелә. Шулай күҙгә-башҡа күренеп, күрәһе кешеләрен күреп, йомошлайһы йомоштарын йомошлап бөтә лә йөрөмтәл Әнүребеҙ йәнә юғала, ҡапыл шымтайып яңынан өҫтәл артына һыйына. Тәү ҡарауға Әнүр Вахитов төрлө эштәрен дә йәһәт һәм еңел башҡара кеүек. Бер-ике көн ултырһа, бер яҙыу­сы хаҡында түңәрәк кенә ижади портрет яҙып ташлай, газеталарҙа ай һайын әллә нисә мәҡәлә, рецензия баҫтырырға етешә. Үҙе көн дә инсти­тутта ғилми эш менән мәшғүл. Әллә ни араларҙа «Ағиҙел» журналы өсөн хә­ҙерге проза хаҡында ҙур мәҡәлә әҙер­ләй. Теге йәки был яҙыусының китабы­на яҙған баш һүҙҙәре аллы-артлы сыға тора. Ижади йыйылыштарҙа докладтар һөйләй, секция ултырышында ҡулъяҙмалар уҡып тикшерелә. Йәйгеһен экспедицияларҙа, командировка­ларҙа йөрөй. Ни арала уҡып, ни арала яҙып өлгөрә тиһең? Ҡасан ваҡыт табып бөтә? Бүтәндәр йыл эшләгәнде – ай, ай эшләгәнде көн эшләй, тиерһең. Әллә ни көс, ваҡыт сарыф итмәй, еңелсәрәк яҙалыр тиер инең, мәҡәләләре һәр береһе тигеләй төплө, фактик матери­алға, фекергә тос, зирәк күҙәтеүҙәре күп. Шуның ҡушына үҙе әҙәби әҫәрҙәр ижад итергә лә форсатын таба. Бәлки, ижад серҙәрен үҙе татып, тәрән белеп эш иткән әҙип ҡәләмдәштәренең ижад үҙенсәлектәрен еңел тотоп алалыр ҙа анһат ҡына йомғаҡ яһап ҡуялыр? Ай-һай, ысын ижадсы өсөн һис нәмә лә еңел бирелмәйҙер ул! Шулайыраҡ та фараз ҡыла инем: Әнүр Вахитов, материал туплап, уның хаҡында оҙаҡ уйланып йөрөй-йөрөй ҙә, ҡапыл ғына ултырып, тиҙ арала яҙа ла ҡуялыр, тип. Минең үҙем менән күбе­рәк шулай булғылай. Ә бына Әнүр Вахитовтың яҙған хеҙмәттәре – проза хаҡындағы китаптары, яҙыусыларҙың ижади портреттары, әҙәби барыш тура­һындағы мәҡәләләре, хатта рецензия­лары артында күпме төпсөнөп эҙләнеү, уйланыу, күҙәтеү, төплө тикшеренеү ятҡанын, уның алтмышлап ҡуйын дәф­тәре менән танышып сыҡҡас, эштең икенсерәк икәнлегенә икенсе төрлөрәк төшөндөм. Шулар буйынса ғына ла күпме ҡара эш, ҡанса ҡараламалар ятҡаны асыҡлана: пландар, әҙерләмәләр, цитаталар, киҫәк фекерҙәр, ва­рианттар, яҙмалар, һыҙмалар... Егерме йылдан артыҡ өҙлөкһөҙ алып барған был ярым көндәлек рәүешендәге ҡуйын дәфтәрҙәре буйынса Әнүр Вахитовтың ғалим һәм әҙип булараҡ үҫеш эволюцияһын, ижад донъяһын, теге йәки был ҙур хеҙмәтенең, китабы­ның нисек яҙылыу тарихын күҙәтергә мөмкин. Эрнест Хемингуэй әйткән ижад айсбергының күрер күҙгә кү­ренмәгән аҫҡы ҡалын ҡатламдары шуларҙа йәшеренеп ята ла инде. Беҙ әлегә Әнүр Вахитов ижадының күренеп торған өлөшө – баҫылып сыҡҡан китаптарын берлектә байҡарға һәм тулыраҡ баһаларға ла өлгөрмәгәнбеҙ әле. Әҙәби эшмәкәрлеген Вахитов ши­ғырҙан башланы ла, проза менән ҡу­шарлап, ғилми эшкә бәйләп осланы. 50-се йылдар аҙағында, 60-сы йылдарҙа ул «Ленинсы» газетаһында, «Йәш көстәр» альманахында байтаҡ ҡына шиғырҙар баҫтырҙы, шунан хикәйәттә­ре күберәк күҙгә салына башланы. Фольклорҙы яҡшы белгән һәм уның өлгөләрен яҙып алыуҙа үҙенсә бер хеҙмәт күрһәтергә лә өлгөргән йәш әҙип прозаһы легенда, риүәйәттәр ру­хы менән һуғарылған романтик тәби­ғәтле хикәйәттәрҙән ғибәрәт ине башта. Халыҡ аҡылын, хикмәтле һүҙ ҡеүәһен үҙенә йыйған сәсән телле Әхмәҙулла бабай ауыҙынан һөйләтелгән хикәйәттәрен Әнүр «Салауат күпе­ре» (1963) китабына туплап бирҙе. Был йүнәлешен артабан «Шәжәрә» (1969) китабында уңышлы дауам итте. Автор быныһында инде күберәк айырым тө­бәктәргә бағлы легенда мотивтарын башҡорт халҡының быуаттар һуҙымындағы оло тарихы, уның героик, трагик ваҡиғалары менән тығыҙ бәй­ләп, артабан үҫтереп, тәрәнәйтеп, бы­уындар сылбыры, халыҡтың күсәги­лешле рухи шәжәрәһе рәүешендә йәйеберәк һынландырҙы. Әммә хикәйәт һәм хикәйәләрендә лә Әнүр Вахитов шағир булып ҡалды. Легендалар, риүәйәттәр менән биҙәл­гән, шиғри юлдар менән йыш аралашҡан, матур-матур лирик, романтик тасуирҙарға көйләнгән уның сәсмә әҫәрҙәре үҙенсә бер шиғриәтле. «Са­лауат күпере», «Ташбилғау», «Юл өҫтө», «Шәрип урманы» ише хикәйәттә­ре, легендалы башҡорт йырҙары кеүек, теҙмә һәм сәсмә тасуирҙарҙан, поэтик структуранан ғибәрәт. Алтмышынсы йылдар башында Әнүр Вахитов «Аманат» тигән хикәйәттәр шәлкеме өҫтөндә эшләй. Көндәлек яҙ­маларынан күренеүенсә, хикәйәттәре башлыса тарихи һәм этнографик йөк­мәткеле булмаҡсы. Әҫәрҙәренең теле, стиле, композицияһы, эске моңо ха­ҡында күп уйлана автор. Уй-фекерҙәрен көндәлектәренә теркәй. Хикәйәттә­ре яйлап халыҡтың рухи шәжәрәһе мотивы тирәһенә ойоша башлай. Шуға бәйле уның исеме лә үҙгәрә. 1966 йыл­ғы көндәлектәренән күренеүенсә, хә­ҙер «Шәжәрә» исемен алған хикәйәттә­ре бик киң уйланылғанға оҡшай. Шул төркөмгә ул 84 хикәйәт исемен беркетә. Ә 1969 йыл сыҡҡан «Шәжәрә» китабы­на бары 21 хикәйәт инә. Тәүге план ҙур һәм ҡыҙыҡлы. Исемдәренән аңлашы­лыуынса, тарихи хикәйәттәр байтаҡ: «Каруанһарай», «Ҡуңыр буға юлы», «Ерәнсә сәсән», «Бәндәбикә», «Тарих­сылар», «Сит кантонға көй», «Ер һа­тыу», «Алтын билғау», «Ағиҙел», «Бө­йөк йырсы», «Ҡалҡан ауылы» һ.б. шундайҙар. Әнүр Вахитов был тәңгәлдә киң уйлаған планын аҙағынаса алып барып сығара алмаһа ла, «Салауат күпере», «Шәжәрә» китаптарына ингән хикәйәттәре менән үҙ ижадының үҙенсә­лекле йөҙөн табырлыҡ, башҡорт әҙәби­әтендә лирик проза күренешенә төҫ һәм тон бирерлек һыҙаттар өҫтәүгә иреште. Оҙаҡламай хикәйәттәрҙән хикәйә­ләргә күсте Вахитов. Бер жанрҙан икенсеһенә күсеүҙең үҙ ауырлыҡтары һәм хәсиәттәре бар. Әле романтик стилдән реалистик стилгә килеү тәү­шарт ине. Хикәйә реалистик тасуирҙы, психологизмды күберәк талап итә. «Миңә көнкүреш кәрәк. Хикәйәттән һуң быны эшләү бик ауыр»,– тип яҙып ҡуя Ә. Вахитов 1969 йылдың 30 ғинуа­рында. Шунда уҡ «Көнкүреш һәм психологик анализды көсәйтергә», – тип тә өҫтәй. Был – авторҙың яңы хикәйәләр яҙған «Каруанһарай» тигән ҙур әҫәренә материалдар йыйған, айырым фрагменттар теркәштергән саҡтары. Ҡуйын дәфтәрҙәренә ҡараған саҡта Әнүр Вахитовтың һәр бер хикәйәһен оҙаҡ күҙәтеүҙәр нигеҙендә ныҡ уйлап, берәмтекләп материал туплап, әҫәре­нең үҙәк мәсьәләһен, тоҙон табып, үҙе татып, талымлап яҙғанлығы күренә. Хикәйәгә конкрет бер теманы, бер характерҙы ғына ҡуйып, ыҡсым һәм тығыҙ итеп яҙырға тырыша. Сюжетты ойоштороуға айырыуса диҡҡәтле. Сю­жет уның өсөн – ваҡиғалар системаһы, сәбәп-ваҡыт бәйләнештәре, ха­рактер асылыр ептәр, концепция үҙәге. Ошо йәһәттән «Һынау яҙы» хикәйә­һенең нисек яҙылыу процесы ҡы­ҙыҡлы. Автор был әҫәренең темаһы, ҡуйылған мәсьәләһе, геройы хаҡында күп уйланған. Уйҙарын, күҙәтеүҙәрен башта ҡуйын дәфтәренә төшөрә бар­ған. Хикәйә планын, сюжет ебен бер нисә вариантта төҙөп ҡараған. Хикәйә башта «Таш ҡабырға» исеме менән йөрөй. Икенсе, аҙаҡҡы вариантта ғына «Һынау яҙы»на әйләнә. Был «Һынау яҙы» хикәйәһендә ерҙән юғары уңыш алыу мәсьәләһе, шуның өсөн көн-төн янып йәшәгән тынғыһыҙ агро­ном образы, эҙләнеүсән характер ав­торҙы, ошо әҫәре яҙылып бөткәс тә, баҫтыра һалып бармай. Автор уға аҙаҡ тағы кире ҡайта, ҙурыраҡ әҫәр – повесть яҙыу хаҡында хыяллана. Был сюжетҡа «Беҙ тыуған ер» («Таш ҡабырға») тигән пьеса яҙып ҡарай. (Уның тәүге вари­анты ҡуйын дәфтәрендә генә тороп ҡалған). «Тәү тойғо» тигән хикәйәһе өҫтөндә лә оҙаҡ эшләгән Әнүр Вахитов. Ҡуйын дәфтәрҙәрендә уның әллә ни саҡлы ҡараламалары бар. Ҡат-ҡат эшләп, тәрән уйланып, тыуған ергә, тыуған төйәккә ҡарата тәү тойғоно автор тойғоландырырлыҡ, күңелдә ҡалыр­лыҡ итеп тасуирлап бирә алған. Йәнә шуныһы характерлы, Әнүр Вахитов хикәйәттәре өсөн күбеһенә үҙәк Әхмәҙулла бабай образы булған кеүек, хикәйәнән хикәйәгә күскән сов­хоз директоры Моратов кеүек уртаҡ образ барлыҡҡа килә, хикәйәләр үҙҙә­ре цикл хасил итә. Был – Әнүр Вахи­тов прозаһына хас бер алым. Унан Әнүр Вахитов хикәйәләре хыял емешенән торған әҫәрҙәр генә түгел. Уларҙың һәр береһенең тиерлек реаль ерлеге, геройҙарының прототиптары бар. Авторҙың үҙ тәү тойғоһо ла тыуған яҡтарына бәйле. Шуға күрә хикәйәлә­ренең тормош материалы тотошлай тиерлек үҙ тыуған яҡтарынан, үҙе күҙәткән, белгән-күргән хәл-ваҡиға­ларҙан. Хикәйәләрҙең фоны, төйәге лә – Еҙем, Мәндем буйҙары, Мағаш, Уҡлығая, Ҡарауылтау тирәләре. Атаҡлы Сейәлетүбә «Сейәлетүбә» китабы­ның йөкмәткеһен, композицияһын, структураһын билдәләгән үҙәккә әйлә­нә. Хикәйәләрендә авторҙы хәл-ваҡиға­лар, кешеләр үҙ алдына түгел, шулар артында ятҡан тәрән мәғәнәләр, эшмә­кәрлектең, йәшәйештең айышы ҡыҙыҡһындыра, шуларҙы художестволы асыу, анализлау төп маҡсат булып тора. «Ваҡиғаларҙы, предметты танып белеү, асылына төшөнөү, уларҙың төп айырымлыҡтарын табыу – сюжет өсөн кәрәкле шарт,– тигән һөҙөмтәгә килә Әнүр Вахитов үҙе. – Сюжет – авторҙың ваҡиғаларҙың артында ятҡан перспективаны һәм масштабты, ваҡи­ғаларҙың (факттарҙың) эске ағымын асыу ул». Ана шул эске ағым Әнүр Вахитов хикәйәләренең иң матур өлгөләренең аҫыл сифатын билдәләй. Шундайҙарҙан, мәҫәлән, «Быуын-быуын донъя» хикәйәһе ғүмерҙең, йәшәүҙең мәғәнә­һен философик тәрәнлек һәм тормош­сан тәбиғилек менән һүрәтләп бирә алыуы йәһәтенән отошло. «Ир ҡанаты» тигән хикәйә Ә. Вахи­тов әҫәрҙәренең иң һәйбәте. Ир ҡанаты булыр атҡа, беҙҙең халыҡтың атҡа әҙәмдәрсә мөнәсәбәтенә ысын мәғәнә­һендә сәсмә мәҙех һүҙе ул. Ат йәнле Мөхәмәтулла ҡарт образы авторҙың художниктарса уңышы дәрәжәһендә. «Атты мин менгегә ярағаны, еккегә барғаны, йәғни кешегә хеҙмәт иткәне, эшкә ярағаны өсөн генә, кешенең ярҙамсыһы итеп кенә түгел, ә беҙҙең ата- бабаларҙың тормошо, көнкүреше, йәшәү рәүеше итеп тә ҡараным. Ат беҙҙең башҡорттоң таянысы ғына тү­гел, ә ҡанаты ла булған», – тип тормош тәжрибәһенән сығып, тәрән фекер йөрөтә ат ҡараусы Мөхәмәтулла. Был геройҙың уйланыуҙары, тәжрибә ниге­ҙендә тыуған ҡараштары тормошсан хикмәтле һәм фәһемле лә. «Быуын-быуын донъя бит. Боронғо­лар тарихын һин минән яҡшыраҡ беләһең. Әммә, минең ҡара аҡылым әйткәнсә, уны белеү генә етмәй, ә аң­ларға ла, шулай уҡ аңлата белергә лә кәрәк, – ти ул үҙенең йәш әңгәмәләшенә. – Һин боронғоно китап аша белә­һең, ә мин әҙерәк күреп тә беләм. Мин уны шуға күрә тойоп та беләм. Ә тойоу бик ҙур нәмә ул: сөнки тойоу йыр аша ла, моң аша ла, боронғо хикәйәттәр аша ла, ат аша ла, тормоштоң бөтөн ағышы аша килә». Бындай әңгәмәләр – хеҙмәт кешеһенең аҡылын, тормош филосо­фияһын тәрән һәм тәбиғи итеп асып биреүҙең өлгөләре ул. Иң яҡшы хикәйәләрендәге ана шун­дай аҡыллы эске ағым уларҙың эске моңон һәм үҙенсә тонын да тыуҙырыша. «Уҙған ғүмер — аҡҡан һыу», «Үке­нестәрҙән тора ғүмер», йәнә әлеге «Ир ҡанаты» хикәйәләренең эске моңо, әҫәрҙе серле музыкаллек менән һуға­рып, бөтөн күңелде, бөтөн барлығыңды биләп ала, һине һағышланырға, арба­лырға мәжбүр итә. Бигерәк тә «Уҙған ғүмер — аҡҡан һыу» хикәйәһенең бар йөкмәткеһе генә түгел, һәр бер күҙәнә­ге, һүҙе, стиле, гүйә, көй-моңдан ту­ҡылған, улар үҙҙәренән-үҙҙәре зыңлап, йырлап торған төҫлө. «Шундай моң, шундай һағыштарҙан ғына торған әҫәр яҙаһы ине», – ти 1966 йылғы көндәле­гендә Әнүр. Ана шул уй-теләктәре үрҙәге хикәйәләрендә ғәмәлгә ашып, моң-һағыш булып ташып сыҡҡан да, күрәһең. 60-70-се йылдарҙа Әнүр Вахитов һәр йәй һайын тиерлек тыуған яҡтарына йәййөрөмгә ҡайта. Ҡай саҡ команди­ровка менән дә, былай ғына ла. Ураҡ өҫтө осорон гел баҫыуҙарҙа үткәрә. Иртә-кисен колхоз идараһы тирәһендә ҡайнаша. Иген баҫыуы алдынғылары тураһында очерктар, һүрәтләмәләр яҙа. Шунан хикәйәләр ҙә ярала. Иң мөһиме, хәҙерге колхоз ауылы тураһында ҙуры­раҡ әҫәр яҙыр өсөн материалдар йыя, эш өҫтөндә кешеләрҙе, тормош ағышын күҙәтә, ауыл хужалығының көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында уйлана. Етәкселәрҙең, белгестәрҙең фекерҙәрен белешергә тырыша. Шулай ҡуйын дәфтәрҙәре күҙәтеүҙәре, үҙ ҡараштары, уйланыуҙары менән тула. Былай материал ағылып ҡына тормаһа ла, яйлап тама. Тамсыларҙан күл йыйылырға тора. Шулай йәййөрөмдәрҙә йыйылған дәфтәр-дәфтәр яҙмаларҙан Әнүр Вахитовтың яйлап повестары шытып сыға. Әнүр Вахитовтың тыуған яғында, Мағаш аръяғында, шишмәләр бик күп. Сейәлетүбә итәгенән, тауҙар ҡуйынынан тәрәндән атылып сыҡҡан әллә күпме шишмә, саф һыуҙары менән таштан ташҡа сылтырап ағып, Мәндем йылғаһына барып төшә, Мәндем үҙе Еҙемгә ҡоя, Еҙем Ағиҙелгә килеп ҡу­шыла. Шулай инештәрҙән шишмәләр, шишмәләрҙән йылға яралып, йылға­ларҙан иҙел, иҙелдәрҙән даръялар бар­лыҡҡа килә. «Ағиҙелгә ҡоя шишмәләр» тип атала Әнүр Вахитовтың бер повесы. Хәҙерге колхоз тормошона арналған был повестың төп мәғәнә айышы шуға ҡайта: шишмәләр, ҙур йылғаларға ҡойоп, уны мул һыулы, йылғаны йылға итешкән шикелле, кешеләр ҙә, үҙ көстәрен бергә ҡушып, ил ҡеүәтен арттыралар. «Мин шулай уйлайым, – ти совхоз директо­ры Моратов,– кешене шишмә менән сағыштырырға мөмкин: үҙең беләһең, шишмәнең ҙуры ла, саҡ ҡына сөбөрләп сығып ятҡаны ла була, ҡайһы саҡта шишмә юлын таҙартһаң, ул шәберәк урғылып сыға, ҙур йылғаға күберәк һыу алып барып ҡоя. Шуның кеүек, кешеләр ҙә, кинәйә менән әйткәндә, беҙ барыбыҙ ҙа – шишмәләр. Ә Башҡорт­остандағы бөтөн шишмәләр ҙә тиерлек Ағиҙелгә ҡоя». Ил байлығын арттырыу, тәбиғәт йәмен һәм хазиналарын һаҡлау, тәби­ғәтте һәм кеше күңелдәре ҡорғаҡһыуға юл ҡуймау кеүек социаль-экономик, мораль-этик проблемалар менән тығыҙ бәйләнешле «Өйәңкеләр» менән «Сейәлетүбә» тигән повестары ла. Шуныһы ла хас, шишмәләрҙән ҡе­үәтләнгән йылғалар шикелле, Әнүр Вахитовтың повестары хикәйәләренән көс-ҡеүәт ала. Хикәйәләренә хас про­блемалар, темалар, геройҙар повестарына күсә. Хатта повестары ла циклизация тенденцияһын тота. Өс повесть – «Ағиҙелгә ҡоя шишмә­ләр», «Өйәңкеләр», «Сейәлетүбә» – бер ҙур әҫәрҙең бүлектәрен хәтерләтә. Уларҙағы хәл-ваҡиғалар бер үк төбәктә бара, бер үк геройҙар хәрәкәт итә, бер үк мәсьәләләр яҡтыртыла. Был повестарҙа автобиографизм көс­лө. Асылда автор үҙе теге йәки был герой йә үҙ исеменән хәл-ваҡиғаларҙы хикәйәләй, шул геройҙың береһенә үҙенең уй-тойғоларын, характер һы­ҙаттарын һала. Әнүәр Заһитов ана шундай образ. Китапты, ғәҙәттә, яҙыусының күңел көҙгөһә тиҙәр. «Китап беренсе сиратта яҙыусының үҙ образын, үҙ донъяһын, үҙ матурлығын һынландыра»,– тип хаҡлы әйтә был хаҡта Әнүр Вахитов ҡуйын дәфтәрендә. Уның үҙенең әҙәби китаптарында – хикәйәттәрендә, хи­кәйәләрендә һәм повестарында шул автор образын, уның рухи донъяһын, күңел матурлығын айырым-асыҡ тоябыҙ, фәһем алыр, һоҡланыр һәйбәт сифаттар табабыҙ. Ҡуйын дәфтәрҙәре буйынса, Әнүр Вахитовтың «Кешелеклелек» тигән но­веллалар йыйынтығы яҙырға йыйынғаны күренә. Ун новелланан торор был китабын (уларҙың исемдәре һәм айырым яҙмалары бар) «Революция һәм граждандар һуғышы эпопеяһынан бер бит» итмәксе. Икенсе ҙур уйы – дүрт новелланан торған повесть яҙыу. «Балалыҡ», «Егет саҡ», «Гражданин», «Халҡыма» тип аталасаҡ һәр новелла. Тимәк, был автобиографик повесть шәхестең нисек формалашыуын сағылдырырға тейеш. Шуныһы асыҡ, донъя күргән хикә­йәттәрендә, хикәйәләрендә һәм повестарында, яҙыла башлаған әҫәрҙәрен­дә Әнүр Вахитов хикәйәләүсе үҙ һәләтенсә ҡала. Ул күңелендә һаҡлаған яҡты, яғымлы яҡтарҙы, аҡыллы, фә­һемле уй-тойғоларын кешеләргә тиҙе­рәк һөйләп ҡалырға тырыша, әҙәби­әттең әхләҡи тәрбиәүи ҡеүәһе ха­ҡында уйлана. «Аҡыллы, кешелекле, яғымлы, ҡаты, уҫал, шифалы китаптар була»,– ти ул. Ә уның үҙенең әҙәби китаптарын, бигерәк тә «Яҡты күңел» йыйынтығын, аҡыллы китаптар тип баһалап булыр ине. Уларҙа кешелеклелек тә, яғымлы­лыҡ та етерлек. Аҡыллыраҡ бер роман да яҙып ҡарау ине Әнүр Вахитовтың бер хыя­лы. «Роман яҙғы килә. Күптән уйланып йөрөйөм. Байтаҡ материал йыйылған. Тик ныҡлап тотонорға ваҡыт юҡ»,– тип уйындағын үкенес менән әйтеп ҡуйғылай торғайны ул. «Хәҙерге за­ман, беҙҙең көндәр тураһында», – тиер ҙә, ижад серҙәрен артыҡ асырға телә­мәгәндәй, туҡталып ҡалыр ине. Фән, роман хаҡындағы хеҙмәт романдың үҙен яҙырға форсат бирмәне буғай. Әнүр Вахитовтың ҡуйын дәфтәрҙә­рен ҡарайым. Унда күпме яҙмалар һибелеп ята, ғәмәлгә ашҡан һәм ашмай ҡалған пландар, хыялдар теркәлгән. Уйындағы романы ла күпмелер сағы­лыш алған. 1969 йылдың 1 октябре менән асыл­ған көндәлек дәфтәре башына «Каруанһарай» тип яҙып ҡуйылған да шу­ның 20 бүлегенең исемдәр теҙмәһе кил­терелгән. Был–романдың исеме һәм тәүге есеме. Геройҙар исемлеге лә бар. Егермеләп герой. Төрлө йәштәге профессия кешеләре. Күпселеге йәш­тәр, студенттар. Дипломлы белгестәр: врачтар, агрономдар, зоотехниктар, ин­женерҙар, уҡытыусылар. Ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә ҡалала һәм ауылда бара. Вуз, университет тамамлаған сту­денттар, белгестәр булып, ауылдарға эшкә китә. Үҙәктә вуз һәм ауыл интел­лигенцияһы тормошо. Вузда уҡытыу-тәрбиә эштәре, хыялдар, бәхәстәр, эштәге тәүге аҙымдар, ауыл культура­һын күтәреү, юғары уңыш өсөн көрәш, етәкселек, үҙ-ара мөнәсәбәттәр... Романдың, әлбиттә, төп проблемати­каһы, бөтә мәсьәләләрҙе үҙ тирәһенә йыйған бер үҙәк булырға тейеш. «Ро­ман өсөн һын табырға. Каруанһарай – был әле уның абстрактлашыу, дөйөм­лөк биреү мөмкинлеге генә. Конкрет нәмә кәрәк,– тип яҙып ҡуя автор был әҫәре хаҡында, ошо үҙәк мәсьәлә тура­һында уйланып. – М. Горькийҙың «Дело Артамоновых» романында шун­дай һын «дело» икән, тип сағыштыра ул, «Каруанһарай»ҙа ла үҙенсә һын бу­лыуы шарт. Бәлки, ул Каруанһарай үҙе булыр. Исем бөтә романдың йөкмәтке­һен асыр, бөтә ептәрҙе бер төйөнгә йы­йыр үҙәккә әйләнер. «Романдың ге­ройҙарын «һын»ға («дело»ға) мөнәсә­бәт берләштерә, – тип фекер йөрөтә автор. – Роман – система ул. Системаны сюжет тиергә лә була. Ошо система, бөтөнлөк барлыҡҡа килһен өсөн мотивтар берлеге – мөнәсәбәттәрҙең бер­ҙәм йүнәлеше кәрәк. Ошо мөнәсәбәттәр йүнәлеше конфликт нигеҙен тыуҙыра». Был киң уйланған романын ижад итергә насип булмаһа ла, уның ҡарауы, Әнүр Вахитов башҡорт романының ғилми биографияһын яҙҙы. Әҙәбиәтебеҙҙә, шөкөр, хәҙер романдар күп, әммә уның яҙылған биографияһы әле берәү генә. Берҙән-бер авторы – Әнүр Вахитов. Уға Әнүр егерме йылдан артығыраҡ ғүмерен бағышланы. Башҡорт романы ул йылдар эсендә бик йылдам үҫте, уның менән бергә, ғалим-теоретик бу­лып, Әнүр Вахитов шунса үҫте. Ул башҡорт романының сығанаҡтарын, традицияларын, жанр тәбиғәтен, төрлө формаларын, хәҙерге ҡаҙаныштарын күп милләтле совет романистикаһы контексында һәр яҡлап байҡап сыҡты, фундаменталь ғилми хеҙмәтен ижад итте. Уның роман хаҡындағы эҙләнеү­ҙәре, тикшеренеүҙәре үҙҙәре ҙур романлыҡ материал. Шулай оҙаҡ йылдар ныҡышмалы ғилми-тикшеренеү эштә­ренең һөҙөмтәһе булып, «Эпик киңлек­тәрҙә» (1968), Мәскәүҙә рус телендә сыҡҡан «Башҡорт совет романы» (1978), Өфөлә рус телендә донъя күргән «Башҡорт прозаһында жанр һәм стиль» (1982) тигән китаптары барлыҡ­ҡа килде. Был хеҙмәттәр башҡорт романистикаһы тарихын теоретик ас­пектта яҡтыртыуы менән дә әһәмиәтле. Ошо хаҡта автор үҙе шулай ти: «Был хеҙмәтемдә мин, төп проблема булған жанрҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫешенә бәйләп, традиция һәм новаторлыҡ, та­рих һәм хәҙергенең нисбәте, тормош дөрөҫлөгө менән вымыселдың мөнәсә­бәттәре, халыҡ һәм герой бирелеше, хикәйәләү формаларының эволюция­һы, романдың типологияһы проблема­ларын асыҡларға ынтылдым». Фән өлкәһендә Әнүр Вахитов роман проблематикаһы менән генә сикләнмә­не, әлбиттә. Ул башҡорт прозаһы тарихын һәм теорияһын төрлө яҡлап өйрәнде. Бәләкәй һәм урта жанр фор­малары – башҡорт хикәйәләре, очерк­тары һәм повестары тураһында ҙур монографик хеҙмәт яҙҙы һәм уның төп өлөшө «Офоҡтар киңәйгәндә» (1979) тигән китабында баҫылып сыҡты. Кү­ренекле прозаиктарыбыҙ тураһында ул тиҫтәләгән әҙәби портреттар яҙҙы. Ди­нис Исламов, Яныбай Хамматов һәм Хәким Ғиләжев тураһындағы тикшере­неүҙәре «Ижади портреттар» (1976) китабында урын алды. Ишбулды Вәли­тов менән бергә «Зәйнәб Биишева ижады» тигән китабын сығарҙы. Уның байтаҡ йылдар проза секция­һына етәкселек итеүе, йыл да тиерлек башҡорт прозаһы буйынса йыллыҡ күҙәтеүҙәр, докладтар менән сығыш яһауы үҙе ҙур баһаға лайыҡ. Фән һәм әҙәбиәт эше менән көн-төн янып, төрлө ижади пландар менән мауығып йәшәне' Әнүр Вахитов. Уның һәр бер көнө, сәғәте фәҡәт эшкә, ижадҡа тәғәйен ине. Ҡуйын дәфтәрҙә­ренән күренеүенсә, уның һәр йыл һәм һәр айҙың эш пландарын яҙып ҡуйыу ғәҙәте булған. Ул пландарҙа ниндәй генә эш төрҙәре юҡ: фәнни хеҙмәттәр ҙә, мәҡәләләр ҙә, әҙәби әҫәрҙәр ҙә. Уларҙың үтәлергә тейеш ваҡыты, күләме айы-көнө, табағы-бите менән конкрет билдәләнә. Йылдар үткән һа­йын, пландар һәлмәкләнә һәм эреләнә бара: фәндә монографиялар, ижадҡа хикәйә һәм повестар үҙәк урын биләй. Ғәмәлгә ашмай ҡалған эштәре хәҙер күпме үкенесле. Кеше эштә генә түгел, юлда ла һынала. Миңә Әнүр Вахитов менән боронғо ҡулъяҙма ҡомартҡыларҙы йыйыу буйынса археографик экспеди­цияларға бергә сығырға тура килгелә­не. Беҙ бер йылда Өршәк, Ашҡаҙар буйҙарын, Дим үрҙәрен ҡыҙырып үт­тек. Әнүр юлда бына тигән юлдаш һәм юламан кеше икән. Ул халыҡ араһында бик тиҙ уртаҡ тел таба, ололар менән ололарса, йәштәр менән йәштәрсә һөй­ләшә, һүҙ оҫталарының телдәрен еңел аса. Шунда мин уның хикәйәттәренең нигеҙендә ятҡан халыҡсанлыҡтың, ха­лыҡсан характерҙарҙың, тел-стиль үҙенсәлектәренең тамырын тәрәнерәк аңланым. «Баҡый китап» тигән бер хикәйәте бар Әнүр Вахитовтың. Ана шул экспе­дицияларҙа йөрөгәндә халыҡ араһынан табылған боронғо ҡиммәтле ҡулъяҙма китаптар тураһында ул әҫәр. Халыҡ­тың аҡылы, тәжрибәһе, тарихы, йылъ­яҙмаһы, бар күңеле һалынған ынйы бөртөгөндәй ҡәҙерле һәм аҫыл бындай ҡулъяҙмаларҙы автор күңел китабы, яҙмыш китабы, бөйөклөк китабы, үлем­һеҙлек китабы, баҡый китап тип атай. Ошондай яҙма ынйыларҙы йыйышыуҙа һәм һаҡлап ҡалыуҙа Әнүр Вахитовтың да үҙ өлөшө бар. Көн буйына ауылда халыҡ араһында, боронғоно белгән аҡһаҡалдар араһында булып, тарих һәм культура, әҙәбиәт өсөн әһәмиәтле ҡулъяҙма китаптар табылһа, ынйы, алтын тапҡандан да былайыраҡ ҡыуа­нып, кисен усаҡ янында боронғо культурабыҙ, әҙәби ҡомартҡылары­быҙ, фольклорыбыҙ тураһында Әнүр Вахитов һәм бүтән юлдаштарым менән күпме әңгәмәләшкәнебеҙ, байҡау яһа­ғаныбыҙ булды, улар иҫтәлеккә һәм китапҡа ғына яҙып бөтөрлөк түгел. Фән, ижад эштәренә ялҡын өҫтәгән йәййөрөм һәм юл йөрөмдәр тураһында бер иркенләп яҙаһы ине...
Үткән шәмбе спортты үҙ итеүселәр Ағиҙел буйына «Рәсәй саңғы юлы» бөтә Рәсәй ярышына йыйылды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә был юлы бөтә нәмә лә ыңғай булды кеүек: көн йылы торҙо, уҙышыу өсөн трасса яҡшы ине. Әйткәндәй, саңғы шыуырға балалар, уҡыусылар, студенттар, ҡала ойошмалары, предприятиелары, учреждениеларының хеҙмәт коллективтары, тотош ғаиләләре менән сыҡтылар - барлығы 700-ҙән ашыу кеше теркәлгән ине. Ете стартта профессионалдар ҙа, саңғы спортын үҙ итеүселәр ҙә ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла иҫтәлеккә махсус шапкалар таратылды. Илназ Мөлкәмәнов (фотола) 17-се мәктәптең 1-се класында белем ала. Ул киләсәктә билдәле спортсы булырға хыяллана. Яңы ғына саңғыға баҫыуына ҡарамаҫтан, үҙен ышаныслы тота. Илназ 1500 метр араны 14 йәшлектәр менән бергә үтә. Урын алмаһа ла, ул шат ине. Киләһе йыл мотлаҡ призлы урынға өлгәшәсәкмен, ти. Сәләмәтлектәре сикләнгәндәр ҙә спорт ярышында әүҙем ҡатнашты. Традицион рәүештә иң оло ҡатнашыусылар айырым билдәләнде. Ярыш төшкә тиклем барҙы, әммә береһе лә таралышманы, ситтән булһа ла ҡатнашыусылар артынан күҙәтте, янып-көйҙө, артта ҡалыусыларҙы дәртләндерҙе, үҙ дистанцияһын тамамлағандар иһә эҫе сәй менән һыйланды. Иң һуңында барыһы ла бүләкләү тантанаһына йыйылды. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.
15 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә БЮТ телеканалында онлайн тәртибендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы уҙғарыла. 15 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә БЮТ телеканалында онлайн тәртибендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы уҙғарыла. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – республикалағы гүзәл заттарҙың ижади һәм социаль һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн берләшмә булдырыуға йүнәлтелгән хәйриә проекты. Ҡатын-ҡыҙҙар проект аша үҙҙәре, һәләттәре хаҡында белдерә, фекерҙәштәр, аҡса эшләүҙең яңы алымдарын таба, ғаиләһенең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Күмәк саралар үткәреүҙе сикләү сәбәпле, асыҡ академия үткәреү форматын алмаштыра: хәҙер өс сәғәтлек телемарафон тура эфирҙа бара. Тапшырыу майҙансығы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Асыҡ академия өсөн төп темалар – сәләмәтлек һәм матурлыҡ, балалыҡ һәм әсәлек, сәнғәт һәм стиль, психология һәм үҙ-үҙеңде үҫтереү. Эфирға саҡырылған эксперттар, башҡа ҡунаҡтар ошо мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Фекер алышыуға федераль спикерҙар – психолог Михаил Лабковский, йырсы Алһыу ҡушыла. https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Ya-i-tapshiriu-i-aramay-alma-i-531014/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Бында һеҙгә түбән хаҡҡа компьютерҙар, ноутбуктар, компьютер кәрәк-яраҡтары, оргтехника, ЖК-телевизор-ҙар, цифрлы телевидение ҡабул иткестәрен, антенналар һәм башҡа күп нәмәләр тәҡдим итерҙәр. “СВ-сервис” бренды менән магазин йәнәшендә сервис үҙәге эшләй, ул көнкүреш һәм компьютер техникаһын профессиональ ремонтлау менән шөғөлләнә. Белгестәр ЖК-телевизорҙарҙы, ноут-буктарҙы, планшеттарҙы, компьютерҙарҙы, смартфондарҙы һәм төрлө ҡатмарлыҡтағы башҡа техниканы ремонтлай. Эшмәкәрлектең өсөнсө йүнәлеше – юлдаш һәм цифрлы телевидение. Был йүнәлештәге эш “СВ-юлдаш” бренды менән бойомға ашырыла. Дүрт йыл эсендә 1,5 меңдән ашыу клиентҡа юлдаш телевидение-һы ҡуйылған. “СВ-юлдаш” “Телекарта” һәм “Триколор” компанияларының рәсми вәкиле булып тора. Шулай уҡ магазинда һеҙ ҡиммәт булмаған цифрлы приставкалар, юлдаш ресиверҙарын һәм теләгән бер типтағы өй эсе һәм тышҡы антенналар һатып алыу мөмкинлегенә эйәһегеҙ. Быйыл www.sv102.ru интернет адресы буйынса интернет-магазин асылды. Уның каталогында тауарҙарҙың киң ассортименты тәҡдим ителгән. Сайт ярҙамында һеҙ магазин ассортиментындағы теләһә ниндәй тауарҙы һатып ала алаһығыҙ. Килтереп биреү мөмкинлеге бар. Сайтта хаҡтар баҙарҙағынан арзаныраҡ. Был һатып алыуҙы уңайлы ғына түгел, ә һәр кем алырлыҡ итә. Беҙ һеҙҙе дүшәмбенән шәмбегә тиклем көн һайын түбәндәге адрестар буйынса көтәбеҙ: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тракт урамы, 1, II ҡат (СВ-компьютер) һәм Мәсәғүт ауылы, Партизандар урамы, 27 (маг. sv102.ru). Тел. 8 (34770) 2-04-44, 8-909-351-02-07.
Айырыуса балалар араһында сирләүселәр күп, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Табип Рәфиә Буранбаева әйтеүенсә, грипп йоҡтороу хәүефе лә арта, шуға айырым ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Башҡортостан халҡының өстән ике өлөшөнә гриптан прививка эшләнде. Сығанаҡ:https://bash.news/bash/news/144390 Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Бөгөн Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган Мәскәүгә киләсәк. Беҙҙең Президент менән һөйләшеү темаһы бик етди. Әгәр ҙә килешә алмаһалар, аралар тағы һыуынырмы? Бөгөн Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган Мәскәүгә киләсәк. Беҙҙең Президент менән һөйләшеү темаһы бик етди. Әгәр ҙә килешә алмаһалар, аралар тағы һыуынырмы? Төрөк лидеры беҙгә башлыса Сүриәләге көрсөк, тураһын әйткәндә, һуғыш хаҡында һөйләшергә килә шикелле. Интернеттан күрҙек инде: Эрдоган әфәнде ярһып-ярһып, Сүриәлә беҙҙең юлға ҡаршы сыҡмағыҙ, тигән кеүек хәбәрҙәр һөйләне. байтаҡ ҡына ттөрөк һалдаты һауанан бомбаға тотоуҙа һәләк булған. Ә бомбаны кем ырғытҡан?... Әле Сүриәнең Идлиб биләмәһендә ҡан ҡойош бара. Сүриә ғәскәрҙәре (беҙ улар яҡлы) Төркиәнекен утҡа тота. Рәжәп Эрдоган Рәсәй Президенты менән осрашыуында был һуғышты туҡтатыуға өлгәшеүҙәренә өмөтләнеүен белдергән. Владимир Путин да, әлбиттә, һуғыш яҡлы түгел. Ул нимә тиер? Әгәр ҙә бер фекергә килә алмаһалар, көрсөк тағы киҫкенләшерме? Төркиә диңгеҙҙәренә, арзан ялға йәғни, тағы ҡапҡа ябылмаһа ярай ине? Шундай һүҙ ҙә йөрөй. Фото: ТАСС. Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Был турала ул коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, киләһе аҙна үҙгәрешһеҙ ҡала. Әгәр хәл тотороҡло һаҡланып сирҙең таралыуына юл ҡуймаһаҡ, режимды бер аҙ йомшартыу мөмкинлеге ҡараласаҡ. Ул осраҡта халыҡты яйлап эшкә сығарырға мөмкин, тине Радий Хәбиров. Радий Хәбиров халыҡҡа изоляция режимын аңлы рәүештә ҡабул иткәне өсөн рәхмәт тә белдерҙе. Шулай ҙа ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәр ҙә юҡ түгел. Һуңғы тәүлектә Өфөлә генә утыҙҙан ашыу кешегә протокол төҙөлгән. Баш ҡалала 91 мәғлүмәт еткереү автомобилдәре йөрөй. 6 мең 700 кешегә махсус пропуск бирелгән. Тәртип һаҡлау өсөн эске эштәр министрлығы штат арттырыу мөмкинлеген барлай. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
27 августа Благовар районы Благовар ауылында «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңы быуын китапханаһы асыласаҡ. 2020 йылда райондың үҙәк китапханаһы моделле китапханалар булдырыу буйынса федераль конкурс еңеүселәре исемлегенә инеп, үҙенең эшмәкәрлеген, китап фондын һәм китапхана мөмкинлектәрен яңыртыуға 15 миллион алғайны. Капиталь ремонттан һәм бинаһы яңыртылғандан һуң тулыһынса икенсе төҫ алды ул. Компьютер техникаһы, интернет селтәре менән йыһазландырылған, һәр теләүсе фәнни һәм әҙәби йөкмәткеле хәҙерге заман мәғлүмәт ресурстарына инә ала. Китап фонды классиканан хәҙерге заман китаптарына тиклем 6 мең дана йыйынтыҡ менән тулыланды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре лә Рәсәй дәүләт китапханаһында «Мәҙәниәт» милли проект сиктәрендә моделле муниципаль китапханалар булдырыу» темаһы буйынса курс үтте. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
«Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһы федерацияһының 47-се конгресының видеоконференция форматында уҙған ултырышында умартасылыҡ форумын 2022 йылға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был донъяла яңы коронавирус инфекцияһының таралыуы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле. Көҙгөһөн Апимондия етәкселеге башланғысы менән 80-гә яҡын илдең умартасылыҡ ассоциациялары вәкилдәре ингән ошо халыҡ-ара федерация ағзаларының фекере тыңланды. Умартасыларҙың күпселеге (өстән икенән ашыуы) конгресты уҙғарыу ваҡытын күсерергә кәрәклеген әйтте. 7 ноябрҙә Апимондияның башҡарма комитеты ултырышында Өфөлә 47-се конгресты һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен 2022 йылдың көҙөндә үткәреү тураһында ҡәтғи ҡарар ҡабул ителде. Конгресты рәсми асыу тантанаһын «Өфө-Арена»ла ойоштороу күҙаллана. Сарала рәсми кешеләр сығыш яһай, мәҙәни һәм концерт программаһы була. 2022 йылда асыу сараһында биш меңләгән кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Конгресс-холда Генераль ассамблеяның ике ултырышы уҙғарыла, фәнни секцияларҙың эше ойошторола. «АпиЭкспо» күргәҙмәһенә 250-гә яҡын экспонент ҡуйыла. Уны үткәреү өсөн еңел конструкцияларҙан дөйөм майҙаны 7 000 квадрат метрлыҡ биләмә төҙөлө. Ул Салауат Юлаев майҙанында урынлаштырыла. Конгрестағы мөһим һорауҙарҙың береһе – ғилми өлөш. Кешелектең иҡтисади һәм экологик именлеге факторы булараҡ бал ҡорто Өфө конгресының төп темаһы булып тора. Автор Азат Ғиззәтуллин. https://www.bashinform.ru/bash/1520540/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
21 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре уҙасаҡ. Ундағы саралар онлайн рәүештә ойошторола. Сараларҙың программаһы өс өлөштән тора. Тәүгеһе Башҡорт теле йылына арнала. Уға ярашлы үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»дә рәсми кешеләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар ҡатнашасаҡ. Был көндө шулай уҡ башҡорт халҡы мәҙәниәте һәм йәмәғәт тормошона тос өлөш индергән әүҙемдәр тәбрикләнәсәк, милли кейем, тирмә алыу өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ.Ул Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе ҡоролтайына штандарт тапшырыу менән тамамлана. Икенсе өлөштә Мәскәү башҡорттары тарафынан zoom аша ҡыҫҡа ғына лекциялар үткәреү ҡаралған. Спикерҙар араһында Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина, билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков һәм башҡа шәхестәр бар. Мәҙәниәт көндәренең өсөнсө өлөшөндә үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары концерты көтөлә. Уны Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының ютуб каналында ҡарарға мөмкин. – Мәскәүҙәге этномәҙәни лингвистик клуб Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын отто. Балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә башҡорт телен өйрәтеү уның ярҙамында күпкә еңелерәккә тура килә. Беҙ киң таралған педагогика методикаларын һәм башҡорт традицион алымдарын берләштергән программа уйлап таптыҡ. Ул тел һәм мәҙәниәт мөхитенә еңел генә инеп китергә мөмкинлек бирә. Балалар дәрестә туған телендә аралаша, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнә, башҡорт халҡының мәҙәниәте менән таныша, уйындар уйнай, йырлай, бейей, шиғырҙар ятлай. Методик ҡулланма сығарҙыҡ, уның менән башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә файҙалана ала. Әсбап ике өлөштән тора, беренсеһе – уҡытыусыларға методик күрһәтмәләр, икенсеһе – эш дәфтәре, – ти Мәскәү башҡортттары ҡоролтайының рәйесе Салауат Әхмәҙуллин, ойошманың проекттары тураһында һөйләп. Ул сайт өҫтөндә эшләүҙәрен дә белдерҙе. Туған телебеҙҙе башҡалар ҙа ҡарап өйрәнә алһын өсөн файҙалы видеояҙмалар һалып барыласаҡ. Салауат Әхмәҙуллин ҡоролтай кабинетында башҡорт китапханаһы ойошторолоуын да хәбәр итте. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Кеше тыуһа, күк йөҙөндә уның йондоҙо ҡабына, тиҙәр. Ошо тәғәйен ғүмер юлын әҙәм үтеп, фанилыҡтан күсһә лә ул йондоҙ һүрелмәй, баҙлап яна ғына икән. Ул башҡаларға нур өләшеүен дауам итеп, беҙҙең хәтерҙәрҙә, иҫтәлектәрҙә мәңге тере булып йәшәүен дауам итә. Эйе, беҙ йыш ҡына ғаләм киңлегендә балҡыған йондоҙҙарға ҡарап һоҡланабыҙ. Ә бит "йондоҙҙар"ҙан башҡа ла был тормошта матур, ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған ябай хеҙмәт эйәләре, изге күңелле кешеләр ҙә бихисап. Шундайҙарҙың береһе – ике туған ағайым Биктимер Муллабаев булыр. Ағайымды мин һис шикһеҙ, "Минең өйҙөң йәме", тип ысын мәғәнәһендә әйтә алам. Ҙур ихтирам һәм ғорурлыҡ менән уның рухына бағышлайым мин был мәҡәләне. Ысынлап та, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Биктимер Муллабаевтың уҙған ғүмер юлы атылған йондоҙға тиң – ҡыҫҡа ғүмере эсендә лә ул йондоҙо сатҡыһын башҡаларға өләшеп йәшәне. Һәм уның йондоҙо бөгөнгө көнгә тиклем, яҡты рух булып беҙҙең күңелдәргә күсеп, ғаиләһе, туғандары, өсөн яҡты нур булып балҡый. Әҙ генә ижад юлында ла күпме иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдар тыуҙырҙы ул, ә уйналмаған ролдәре күпме ҡалды! Ысынлап та, һәр бер ролен ҡабатланмаҫ итеп башҡарыу һәләтенә эйә ағайым тырышлығы менән хөрмәт ҡаҙанған, үҙенсәлекле образдары менән исемен сәнғәт күгендә балҡыған шәхес тә ул. Биктимер Муллабаев Өфө сәнғәт училищеһының актёрҙар бүлеген Фәндүнә Ҡасимова һәм Лек Вәлиев курсында тамамлай, диплом спектаклдәрендә Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында Шәрәй һәм грузин драматургы Нодара Думбадзеның «Мин, өләсәй, Илико һәм Илларион» пьесаһында ҡарт Илларион ролдәрен башҡара. Ун йылдан ашыу ижад ғүмерендә ағайым 24 роль өҫтөндә эшләп өлгөрә. Мостай Кәрим ижад иткән пьесалар исемлеген теҙеп киткәндә: Низам («Йырланмаған йыр»), «Диктаторға ат бирегеҙ!»ҙә Мөртатша, «Ҡыҙ урлау»ҙа мулла Шәрәй һәм Дәүләтбай. Свердловск киностудияһы төшөргән «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса нәфис фильмда ағайым – Диуана ролен уйнай. Диуана образы – донъяны үҙенсә күрә, фекер йөрөтә, автор тарафынан ғәжәйеп тәрән фәлсәфәле итеп яҙылған герой. Диуана – тәү ҡарауға аҡылға бер төрлө, бала холоҡло, ышаныусан, ғәрип бер бәндә итеп бирелһә, Биктимер Муллабаев уйнауында ул фәлсәфи – трагик кимәлдә башҡарыла. Тағын да өйөбөҙҙөң йәме, нуры булған шәхесебеҙ, Илнур туғаным. Ул атаһының юлын дауам итеүсе – бөгөн ул да сәнғәт мөхитендә ҡайнап йәшәй – Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында режиссёр булып эшләне, әлеге көндә Туймазы татар дәүләт драма театрының баш режиссёры, республикабыҙ театрҙарында ла спектаклдәр ҡуя. Ә бына диплом эшендә Илнур утлы йылдар сыныҡтырған балалар донъяһын сағылдырған һәм тылдағы халыҡтың ҡаһарманлы-ғын һүрәтләгән сәхнә әҫәрен тәҡдим иткән. М.Кәримдең “Йәләлетдин атай" пьесаһын сәхнәлешетереп, Ҡуянов образы менән тамашасыларҙы хайран ҡалдырған. Үҙемде белгәне бирле, мин Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған хикәйәләрен уҡып, әхирәттәрем менән уның геройҙары булып ҡыланып, кескәй генә мини-спектакль уйнай инек. Үҫә төшкәс ағайым үҙенең сәхнәләш дуҫтары менән, ә дөрөҫөрәге М.Ғәфури исемендәге артистар менән "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектакле менән ауыл клубында уйнаны. Хайран ҡалып, Оло инәй образын нәнәйем Һөйәрбикә менән сағыштырып, һоҡлана инем. Нәнәйем дә сәстәренә шулай суҡлы тәңкәләрен үреп, үҙе теккән матур камзулдарын, әберкәле, сағыу күлдәктәрен кейеп, йөҙөк-беләҙектәрен тағып, алыҫтағы ҡыҙы ебәргән күстәнәстәрен кеҫәһенә һалып килеп керер ине. Ул килгәс мин, Кендек кеүек, уның артыннан ҡалмай әле бер туғандарҙа, әле икенселәрендә ҡунаҡ булып йөрөй инем. Мостай Кәрим ижады шәхсән минең үҙ тормошомда уҡытыусы булараҡ һәм бөгөнгө көндә ауыл китапханаһында хеҙмәт итеүем менән, ниндәҙер кимәлдә минең дә тормошомда мөһим роль уйнай. Балалар алдында уның геройҙары булып сығыш яһаумы, йә иһә әҫәрҙәренә бәйле саралар үткәреүме, ижадына бағышланған концерттар әҙерләүме, спектаклдәрен сәхнәләштереүме, ғөмүмән уның ижады һәр ваҡыт ҙур асыштар, эҙләнеүҙәр, күңелдәргә йәм, нур, илһам биреүсе серле бер мөғжизә. Кешелек донъяһы яралғандан алып, бөгөнгәсә асылмай ҡала биргән, ылыҡтырғыс, гүзәл илаһи бер донъя ул сәхнә. Уның иң мөһим тәғәйенләнеше – уйын аша ваҡиғаларҙы, төрлө фәһемле яҙмыштарҙы һүрәтләп башҡаларға тәрбиә, эстетик зауыҡ биреү. Әммә сәхнә түренә теләгән берәү баҫа алмай. Артистар яҙмышы ла шундайҙарҙан бит – балҡып, янып-яндырып йәшәйҙәр ҙә, тыныс ҡына мәңгелеккә инеп юғалалар. Мостай Кәримдең ижады – милли ҡаҙаныш. Уның исеме сит тарафтарҙа ла яҡшы таныш. Һис шикһеҙ, ул, Башҡортостандың символы, Республикабыҙҙың йәме, нуры, ҡото. Уның ижады әле кешелек донъяһын оҙаҡ йылдар дауамында яҡты маяҡ булып беҙҙе илһамландырып торасаҡ. Өйөмдөң йәме булған туғандарым ижады ла ауылдаштарым, райондаштарым, театр һөйөүселәр күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, яҡты нур булып балҡып яныр. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 2020 йыл Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Эмблеманың иң яҡшы макетына тауыш биреү ойошторолдо. Тауыш биреүҙә өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ун вариант тәҡдим ителде. Шулай итеп, Эстетика йылына әҙерлек этабы тамамланды. Муниципалитеттарҙа ойоштороу комитеттары булдырылды, саралар планы әҙерләнде, «Таҙалыҡ көндәре» билдәләнде. Муниципаль берәмектәр газондарҙы, тротуарҙарҙы, яҡтыртыуҙы, ҡоймаларҙы тикшереп сыҡты һәм ошо йүнәлештәр буйынса кәрәкле ресурстар күләмен билдәләне. Мониторинг буйынса, Башҡортостан Республикаһында 4 меңгә яҡын тораҡ пункт иҫәпләнә, үҙәк урамдарҙың һәм ҡыҙыл һыҙаттарҙың дөйөм оҙонлоғо – 52 мең саҡрым. Ревизия йомғаҡтары буйынса 587 саҡрым ҡоймаға, 3 мең квадрат километр газонға ремонт талап ителеүе асыҡланды. «Ҡалаларҙы һәм райондарҙы тәүге контроль датаға – 9 майға әҙерләү өсөн ни бары ике ай ярым ваҡыт ҡалды. Биләмәләрҙе ҡарҙан, сүп-сарҙан, ауған ағастарҙан таҙартырға, техниканы һәм кәрәкле материалдарҙы әҙерләргә кәрәк», — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев. Башинформ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында район-ҡала башҡорттары ҡоролтайына ҡараған Ағинәйҙәр ҡороноң йыйыны үтте. Йыйындың тәүге өлөшөндә ағинәйҙәр "Ғаиләм - ҡәлғәм" тип аталған тәрбиәүи дәрес бирҙе. Осрашыуҙа район ауылдарынан килгән ағинәйҙәр ойошмалары етәкселәре һәм башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты. Район-ҡаланың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова йыйылыусыларҙы тәбрикләп үткәндән һуң, һүҙҙе гимназия директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылдановаға бирҙе. Етәксенең шундай тәрбиәүи эштәрҙә үҙенең әүҙем булыуы, ағинәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе маҡтауға лайыҡ. Ағинәйҙәр ойошмалары етәкселәре уҡыусыларға хәҙерге заманда башҡорт ғаиләһенең ниндәй булырға тейешлеге, ғаиләнең ныҡлығы, татыулығы, өләсәй, олатай тәрбиәһе, балалар араһында туғанлыҡ хисе, атай-әсәйгә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт кеүек бик кәрәкле тәрбиәүи ҡағиҙәләр тураһында һөйләне. Өләсәйҙәр уҡыусыларға ололар менән аралашырға, атаәсәләргә яҡын булырға, уларға ярҙам итергә, өй эштәрендә булышырға кәрәклеге тураһында кәңәш бирҙе. Телефон менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, балалар күңеленә зыян килтерерҙәй уйындарҙы, видеороликтарҙы ҡарамаҫҡа өндәнеләр. Ваҡыттарын бушҡа уҙғармай, йышыраҡ спорт менән шөғөлләнергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, аҡыллы, белемле булып үҫергә кәрәклеген аңлаттылар. Шулай уҡ ағинәйҙәр заман проблемалары тураһында ла һөйләп үтте. Сит кешеләр ҡулынан һағыҙ, таблетка, спайс кеүек нәмәләрҙе алмаҫҡа, тәмәке, һыра һәм алкоголле эсемлектәрҙән йыраҡ булырға өндәп, уларҙың үҫмерҙәр организмына ҙур зыян килтереүе тураһында, хатта ҡайһы саҡта ағыуланып үлгән үҫмерҙәр хаҡында миҫал килтерҙеләр. Был осрашыу балаларға фәһемле тормош һабаҡтары биргәндер. Һәр ағинәй үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Хөсәйен ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Рәйлә Иҫәнғужина өләсәйе тәрбиәһе өлгөһөндә үҫеүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Хәҙер инде үҙе лә ейән-ейәнсәрҙәренә өләсәһе биргән тормош һабаҡтарын ҡулланыуын бик күп халыҡ әйтемдәре, мәҡәлдәре миҫалында бәйән итте. Мөхәмәт ауылының ағинәйҙәр етәксеһе Алһыу Мансурова ла ғаиләлә атайәсәй, олатай-өләсәй абруйының көслө булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе Шәрғиә Яҡшыдәүләтова бала саҡта ғаиләлә нисек үҫкәнен, оло апайы тәрбиәһен һөйләп үтте, уҡыусыларға ныҡлы, татыу ғаиләне нисек булдырыу тураһында ла кәңәштәр бирҙе. Район ауылдарынан йыйылған ағинәйҙәр уҡыусыларҙы киләсәктә үҙ милләтебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып ғаилә ҡорорға саҡырҙы. Ағинәйҙәрҙе ҡотларға башҡорт гимназияһына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп еткән. Улар изге теләктәре, шиғырҙары менән ололарҙы дәртләндереп, күңелдәрен күтәреп ебәрҙе. Ағинәйҙәргә уҡыусыларҙың концерт номерҙары ла бик оҡшаны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уҡыусыларҙың һәр ағинәйгә арнап үҙ ҡулдары менән эшләгән махсус бүләктәрен тапшырҙы. 2019 йылда бик тырышып эшләгән ағинәйҙәр ойошмалары етәкселәрен ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Сатура Жәүәт ҡыҙы район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне, “Урал” гәзитен таратыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Йыйындың икенсе өлөшөндә район-ҡаланың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы 2019 йылда эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны, 2020 йылда үткәреләсәк саралар планы менән таныштырҙы. Район ауылдары ағинәйҙәре лә осрашыуҙар, байрамдар, тәрбиәүи саралар үткәреүҙе эш планына индереүҙәре тураһында һөйләне. Йыйында шулай уҡ ағинәйҙәрҙең координацион советы ағзалары - эшҡыуар Резеда Сайдарова, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе Флүрә Шакирова ҡатнашты. Йыйын эшлекле һәм фәһемле үтте. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Этҡол табип амбулаторияһында лаборатория эшләүе лә халыҡты ҡалала анализдар тапшырып йөрөүҙән арындыра, сирҙәрҙе башланғыс стадияларында асыҡлауға булышлыҡ итә. Башынан эшкә сумған ауыл кешеһе дауаханаларға бик йөрөп бармай. Бигерәк тә ҡалаға барыу улар өсөн ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Шуға ла ауылдарҙа эшләп килгән табип амбулаториялары ауыл кешеһенең һаулығын хәстәрләү өсөн ҙур мөмкинлек. Этҡол табип амбулаторияһында лаборатория эшләүе лә халыҡты ҡалала анализдар тапшырып йөрөүҙән арындыра, сирҙәрҙе башланғыс стадияларында асыҡлауға булышлыҡ итә. Флорида Ҡолмырҙинаның лаборант булып эшләүенә быйыл 30 йыл тула. Ире менән ауылда төпләнеп, балалар үҫтереп, ғаиләһенән дә, эшенән дә бәхет татып йәшәй ул. Лабораторияла көн һайын дөйөм ҡан, һейҙек анализдары алына, шәкәргә лә тикшереү уҙғарыла. Бынан тыш, аҙнаһына бер тапҡыр ҡан тамырынан да анализдар тапшырыу мөмкинлеге бар. Түшәктә ятҡан, йөрөй алмаған ауырыуҙарҙың өйҙәренә барып тейешле анализдар алына. Машина булғас, хатта Аҙнай, Уразбай ауылдарына сығалар. - Флорида Шәйхетдин ҡыҙының эшенән халыҡ ҡәнәғәт. Үҙенең хеҙмәтен матур башҡара, - ти уның хаҡында табип амбулаторияһы мөдире Светлана Хафизова. Флорида Ҡолмырҙинаға халыҡ та өйрәнеп бөткән. Ялға киткәндә лә уны көтөп алалар. - Үҙемдең эшемде бик тә яратам. Иртәнсәк дәртләнеп киләм. Коллективыбыҙ берҙәм, кинәнеп эшләйем. Халыҡҡа теләгем – үҙҙәренә иғтибарлы булһындар, сирҙәрен аҙҙырмаһындар, - тине ул. Ауырыуҙы башланған осоронда асыҡлаһаң, уны дауалауы ла еңел. Шуға ла коллектив төп иғтибарҙы сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтә. Фото: автор. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Үҙәк моделле балалар китапханаһының саралар планында бик матур дата бар – юбилей. Бәләкәй түгел – 60 йыллыҡ юбилей. Район үҙәгендә балалар китапханаһы эшләй башлау-ға шунса ваҡыт үткән. Район китапханалары тарихы 1903 йылдан башлана. Тап шул саҡта тәүге йәмәғәт китапханалары асыла. 1921 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында клуб һәм китапхана эшләй башлай. 1937 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауыл китапханаһы райондыҡы итеп үҙгәртеп ҡорола һәм “Серп и молот” колхозы идараһы бүлмәләренең береһендә урынлаша, ә 1950 йылда район дауаханаһының Ленин урамындағы элекке бинаһына күсә. Китапхана ҡарамағында балалар бүлексәһе ойошторола. 1957 йылда уның нигеҙендә балалар китапханаһы асыла. 1982 йылда үҙәк, ә уның менән бергә балалар китапханаһы ла заманса типовой бинаға эйә була. Балалар китапханаһы тарихына һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарҙың исемдәре бәйләнгән, улар китапҡа тоғро ҡалып, үҙҙәрен кешеләргә хеҙмәт итеүгә бағышлап ҡына ҡалмай, ә Мәсетле районы мәҙәниәтенә тос өлөш индерә. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлиха Һаҙыева, Галина Ярушина, Ольга Фефелова, Надежда Жданова, Нәзирә Әхкәмова йәш белгестәр булып үҙҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлектәрен тап ошонда башлай. Төрлө ваҡытта Рузилә Омелькова, Лилиә Юлдашева, Людмила Крючкова кеүек күпкә йәшерәк китапхана хеҙмәткәрҙәре лә үҙ профессионаллектәрен, тәжрибәләрен һәм белемдәрен ҡуллана. Балалар китапханаһының бөгөнгө коллективы өс хеҙмәткәрҙән тора. Моделле китапхана мөдире Зилиә Вәлиева, китапханасылар Лариса Мофазалова һәм Рубин Әхкәмов күптән инде бында килеүсе үҫмерҙәр өсөн яҡын дуҫтарға әйләнгән. Китапхана бер ҡасан да буш тормай, уның ишектәре һәр ваҡыт һәм һәр кемгә асыҡ. Балалар ҙур теләк менән ваҡытлы баҫмаларҙы уҡый, китаптарҙы өйҙәренә ала, хеҙмәткәрҙәр ойошторған төрлө сараларҙа ҡатнаша. Конкурстарға һәм тематик осрашыуҙарға китапханасылар етди ҡарай: әҙәбиәтте ҡайтанан ҡарап сыға, күргәҙмә материал, костюмдар, атрибутика әҙерләй. Йыр-бейеүҙә лә улар күптән инде үҙҙәрен һынап ҡараған. Балалар китапханаһының 60 йыллығына иң яҡын кешеләр – элекке хеҙмәткәр-ҙәр, ауыл һәм мәктәп китапханасылары, күршеләр – Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары, һәм, әлбиттә, йәш китап һөйөүселәр йыйылды. Китапхананы юбилейы менән район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, мәҙәниәт бүлеге белгесе Лариса Худякова, китапхана сис-темаһы директоры Светлана Ғәлимова һәм ҡунаҡтар ҡотланы. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн Зилиә Вәлиеваға, Лариса Мофазаловаға, Рубин Әхкәмовҡа Мәсетле районы муниципаль районы Хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең рәхмәте иғлан ителде. Әүҙем хеҙмәттәшлектәре өсөн моделле балалар китапханаһының Рәхмәт хаттары Ильзида Шәйеховаға, Луиза Ғайнановаға, Венера Шафиҡоваға, Нина Перевышинаға тапшырылды. Тантанала ҡатнашыусылар иғтибарына китапхана тарихы һәм ветерандар тураһында видеофильм тәҡдим ителде. Үҙ яҙмыштарында китаптың ниндәй роль уйнауы, яратҡан авторҙары, әҙәби геройҙары һәм тормоштарындағы китапхана менән бәйле ҡыҙыҡлы мәлдәр тураһында тулҡынланып һөйләгән ветерандар һәм ҡунаҡтарҙың хәтирәләре бик ҡыҙыҡлы һәм тәьҫирле булды.
Бына әле Әлшәй районы Раевкалағы Мөхәмәтшә Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Рәйес ҡыҙы Вәлиева "Йәншишмә"гә яҙылып, эстафетаны Никифар мәктәбенең ошо уҡ фән уҡытыусыһы Әлфиә Рим ҡыҙы Кәримоваға тапшырҙы. Рәхмәт уларға! Әлдә шундай уҡытыусыларыбыҙ бар. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостан мосолмандары диниә назаратына быйыл йәш көстәр килде. Мөфтиәткә етәксе итеп Айнур БИРҒӘЛИН һайлап ҡуйылды. Бөгөн дини ойошма үҙенә ниндәй бурыстар ҡуя? Алдынғы ҡарашлы йәш етәксенең киләсәккә ниндәй уй- ниәттәре бар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға уның үҙе менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Кем ул Айнур Бирғәлин? Гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтегеҙ әле... –Учалы районының Баттал ауылында тыуып үҫтем. Күбәләк ырыуы вәкилемен. Уральск мәктәбендә белем алдым. Унда бабайымдарҙа йәшәп уҡырға тура килде. Уларҙың тәрбиәһе тормошома ыңғай йоғонто яһаны.10 – 11-се синыфтарҙы Белорет лицей-интернатында дауам иттем. Һуңынан Рәсәй Ислам университетына уҡырға индем. Дини белемгә ынтылыш көслө булыу сәбәпле, Мысырға уҡырға барырға булдым. «Әл-Әзһәр» уни­верситетының Сәнәүиә институтына уҡырға индем. Әммә уҡыуҙы тамам­ларға насип булманы, был илдә солғаныштар башланғас, сит ил студенттарын өйҙәренә ҡайтар­ҙылар. Ғәрәп телен яҡшы белә инем. Һис икеләнеүһеҙ Башҡорт дәүләт университетының баш­ҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-ғәрәп бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. Студент ваҡытта Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала һирәк осраған китаптар бүле­гендә ғилми хеҙмәткәр булып та эшләп алдым. БДУ-ны тамам­лағас, эшҡыуарлыҡ юлынан киттем. 2007 йылдан алып мәсет­тәрҙә дин дәрестәре алып барҙым, Рәсәй мосолман эшҡыуарҙар ассоциацияһының Баш­ҡортостан бүлексәһе менән етәкселек иттем. 2013 йылда «Рамазан» мәсетендә имам булып теркәлдем. Һуңынан Өфөнөң 8 Март ҡасабаһында «Фәтхислам» мәсетен төҙөткәс, шунда имам-хатип булып киттем. Ғаиләлемен, ҡатыным Альбина менән дүрт бала тәрбиә­ләйбеҙ. – «Әл-Әзһәр» университетында белем алдым, тинегеҙ. Был абруйлы дини уҡыу йортонда күп кенә билдәле шәхес уҡыған. Әле лә ул шул кимәлен тотамы? – Ҡаһирә ҡалаһындағы «Әл-Әзһәр» университеты – Мысыр­ҙың үҙенсәлекле бренды иҫәп­ләнгән донъялағы иң борон­ғо мосолман уҡыу йорттарының береһе. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, бында уҡырға килгәс, шәкерттәргә уҡырға шарттар тыуҙырылмауы аптыратты. Һы­ланмаған, аҡланмаған стеналар, бетон иҙән, саң-туҙан ҡунған тәҙрәләр, мәңге буяу күрмәгән парталар. Студент­тарҙың уҡыу, йәшәү шарттарына иғтибар юҡ, уҡытыу­сыларҙың хеҙмәте баһаланмай. Әммә мөғәл­лимдәр бик көслө, төплө белем бирә ине. Беҙ уникаль китаптарҙы, боронғо ҡулъяҙ­маларҙы уҡып, белем алдыҡ. «Әл-Әзһәр»ҙе тамамлау – дини белемгә эйә булыу ғына түгел, әҙәм балаһының дингә ихлас­лығы, ошондағы шарт­тарға түҙемлеге, ҡаҡ­шамаҫ ихтыяр көсө, тип иҫәпләйем. – Беҙ Һеҙҙе Өфөнөң 8 Март ҡасабаһында мәсет төҙөткән кеше итеп беләбеҙ. Эшҡыуар булараҡ, иман йортон үҙ аҡсағыҙға төҙөттөгөҙмө? – Нигеҙенә свай ҡаҡҡандан һуң, ышанаһығыҙмы-юҡмы, 100 квадрат метрлы бинаны 3 аҙна 4 көндә сафҡа индерҙек. Иман йорто халыҡтан йыйылған аҡса­ға төҙөлдө. Социаль селтәрҙә, мәсеткә нигеҙ ҡорҙоҡ, ошо төҙөлөшкә аҡса йыябыҙ, тип иғлан биргәйнек, кешеләрҙән иғәнәләр килә башланы. Башҡарылған эштәр, күпме аҡса йыйылыуы, уның нимәгә сарыф ителеүе тураһында даими отчет биреп барҙыҡ. Бөтәһе 1 млн һумға яҡын аҡса йыйылды. Тиҙ генә йорттоң стеналарын күтәрҙек, башын яптыҡ. Евротәҙрәләр ҡуйылды, эске буяу-һылау эштәре башҡа­рылды, йылылыҡ үткәрҙек, иҙәнен йылытыла торған итеп эшләттек. Мәсет төҙөлөп бөтөүгә Рамаҙан айы башланды. Ғәйет байрамына 140-лап кеше йыйылды. Беҙҙең барыһын да асыҡ, әүҙем эш­ләүебеҙ халыҡтың, иман йорто төҙөлөшөнә ярҙам күрһә­теү­селәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер, тип уйлайбыҙ. Әле уның эргәһендә тағы ла ҙурырағын төҙөргә ниәтлә­йбеҙ. – Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты етәксеһе булараҡ, ойошманың төп бурыс­тары тип нимәләрҙе иҫәп­ләйһегеҙ? Элек нисек булған һәм хәҙер нимәләрҙе үҙгәрт­тегеҙ? – Диниә назараты алдында ҡәтғи йүнәлеш, ҡағиҙәләр буйынса эшләү бурысы ҡуйылды. Маҡсатыбыҙ – булған көстәрҙе берләштереү һәм респуб­ли­кабыҙҙа динде үҫтереү йәһә­тенән юғарыраҡ һөҙөм­тәләргә өлгәшеү. Яңы проект­тарға, башланғыстарға иҫәп тотабыҙ. Мәғрифәтселек эшен, урын­дарҙағы иман йорттарына ярҙам итеүҙе йәнләндерергә кәрәк. Хажға барыуҙы ойоштороу бурысы ла бөгөн наза­раттарға йөкмәтелде. Әле беҙ мөфтиәт һәм район­дар менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Назаратта айырым бүлек булдырып, мәхәлләләрҙе теркәү ябайлаштырылды. Имам­­­дарға эш хаҡы түләүҙе яйға һалдыҡ. Уларға китаптар табып биреүҙе, семинар-курс­тар ойошторорға уйлайбыҙ. Мөфтөй итеп тәғәйенләнгәс, миңә күп райондарҙа булып, имамдар менән осрашырға тура килде. Улар хөтбәләргә әҙерләнеү өсөн әсбаптар етмәүенә зарланды. Күптән түгел дин әһелдәренә ярҙам йөҙөнән элек нәшер ителгән «Диниәт» журналын тергеҙҙек. Ике һаны сығарылды ла инде. Үҙебеҙҙә дини китаптар ҙа нәшер ителәсәк. Күрше Ҡазан ҡалаһына ҡарағанда, беҙҙең баш ҡала­быҙҙа мәсеттәр ун тапҡырға аҙ. Күргәнегеҙ барҙыр, хатта дини байрамдарға намаҙ уҡырға килеүселәр унда һыймай ҙа. Беҙ – мосолман республикаһы, баш ҡалабыҙҙа иман йорттарын күберәк төҙөргә кәрәк. Әле был йәһәттән ер бүлеү мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Ҡөрьән Кәримде лә баш­ҡортсаға яңынан тәрже­мәләп, тәфсирҙәре менән нәшер итергә уйыбыҙ бар. Рәсәйҙең Мөфтөйҙәр советынан да яҡшы өлгөләр аласаҡ­быҙ. Күрше республикаларҙан ислам динен үҫтереү йәһәтенән күп нәмә өйрәнергә була. Республика етәкселеге тарафынан Өфөнөң Салауат Юлаев прос­пектындағы «Әл-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн дауам итеү ҙә иғтибарға алынды. Мөфтиәт мосолмандар араһында тар­ҡаулыҡҡа, низағ-аңлашыл­маусанлыҡтарға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Әлхәмдүлилла, назарат яңы йәш көстәр менән тулыланды. Был бурыстарҙы ыңғай атҡарып сығырбыҙ, тип уйлайбыҙ. – Йәштәр хәҙер төрлө дини ағымға эйәрә. Нимәһе менән йәлеп итә һуң улар? Традицион динде нығытыу өсөн артабан нимә эшләргә кәрәк? – Диндә төрлө йүнәлеш күбәйҙе. Быға сит илдәр менән бәйләнештәрҙең нығыуы, интернет селтәре лә йоғонто яһай. Йәштәр ошо ағымдарға эйәр­мәһен өсөн беҙҙең бурыс – аңлатыу эштәре алып барыу, рәсми динде пропагандалау. Ислам ҡанундарын аңлатырға тейешбеҙ. Үҙебеҙ абруй яула­майбыҙ икән, ситтәр беҙҙең мосолмандарҙы үҙҙәренә ҡара­тасаҡ. Беҙҙең төбәккә хас булмаған, сит ил мәнфәғәттәре файҙаһына эшләгән дин битлеге аҫ­тында йәшеренгән ойошмалар хаҡында ла дөрөҫ­лөктө һөйләргә бурыслыбыҙ. Экстремизмдың дине лә, милләте лә юҡ. – Беҙҙең дини уҡыу йорттары һөҙөмтәле эшләйме? – Башҡортостан Диниә назаратына ҡараған өс уҡыу йорто – Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемен­дәге, «Ғәлиә» ислам кол­ледждары, Стәр­летамаҡ ҡала­һында «Нур-Әл-Иман» мәҙ­рәсәһе бар. Урал аръяғы район­дары өсөн Сибай ҡалаһында мәҙрәсә асырға уйлайбыҙ. Студенттарға белем биреү кимәлен күтәреп, әҙер белгес­тәрҙе мәхәлләләргә эшкә урынлаштырыу, эш хаҡы түләүҙе яйға һалыу, уларҙы урындарҙа торлаҡ менән тәьмин итеү хәстәрлеген күрергә кәрәк. – Мәсеттәрҙең имамдары – ололар. Уларҙың алмашҡа ҡалдырырлыҡ кешеләре юҡ. Бәләкәй ауылдарҙа йәшәү­селәр мәрхүмдәрҙе ерләүҙе ойоштороу өсөн муллаларҙы хатта күрше ауылдарҙан са­ҡырып килтерергә мәжбүр. Бөгөн ауыл имамдарының бурысы нимәнән ғибәрәт? – Бөгөнгө көндә ауылдағы мәсетте ҡарау имамдарҙан күп көс, энергия талап итә. Йәштәр был эштә яуаплы ла түгел. Әммә беҙҙә хәл насар түгел, нигеҙ бар. Мәсеттәребеҙ бикле тормай. Ауыл имамы итеп һай­ланған кеше башҡаларҙы ла эйәртә алырлыҡ хөрмәтле, абруйлы, яҡшы ойоштороусы булған, мәғрифәт эштәрен алып барған, рухиәтте үҫтереүгә бар көсөн һалған имам булырға тейеш. Зәҡәт ойоштороу, эш­ҡыуарҙарҙы йәлеп итеп, мохтаж­дарға ярҙам итеү ҙә – уның эше. – Хәләл индустрия Татарстанда һәйбәт үҫешкән. Ә беҙҙә был йәһәттән эштәр һүлпә­нерәк кеүек. Хәләл ризыҡ кибеттәре һирәк… – БР мосолмандары Диниә назараты эргәһендә «Хәләл» индустрия үҫеше үҙәге булдырылды. Унда беҙҙең «Хәләл» халыҡ-ара стандарты эксперт-аудиторы Илнур Мөхәмәтйәнов эшләй. Халыҡ-ара кимәлдә эш­ләгән белгес беҙҙә берәү генә. Халыҡ, хәләл ит, май, колбаса булғанын аңлайбыҙ, хәләл йомортҡа, икмәк буламы ни, тип аптырай. Һәр нәмәнең үҙенең талаптары бар. Мәҫәлән, икмәк ризыҡтары бешергәндә маргарин ҡулланыла. Унда мосол­мандарға хәрәм иҫәп­ләнгән сусҡа майы ҡушыла. Йомортҡаға килгәндә, уны һалған тауыҡтың ризығына, витаминдарына ла беҙгә итен ашарға ярамаған хайуандың майын ҡушалар. Хатта теш йыуған щеткала ла сусҡа йөнө бар. Һыу ниңә хәрәм булһын, тиҙәр. Фильтрҙарға ла был хайуандың элементтары бул­ған нәмәләрҙе ҡушалар… – Республикалағы дин ҡәр­ҙәш­­тәребеҙгә теләктәрегеҙ… – Беҙгә иманға килеп, тарҡаулыҡҡа юл ҡуймай, бер фекерле булып эшләргә кәрәк. Йәмғиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә берҙәм булыу шарт. Бүлешерлек бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Кире күренештәргә күберәк иғтибар итәбеҙ, үҙебеҙҙән яҡшыраҡ йәшәгән, матур итеп донъя көтөргә тырыш­ҡандарҙы, уңышҡа ирешкәндәрҙе күрә алмайбыҙ. Күңелдәребеҙҙә кенә, асыу булмаһын, күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға тыры­шайыҡ.Тормошобоҙҙа изге­леккә, шәфҡәтлелеккә күберәк иғтибар бүләйек, матур ғәмәлдәр менән йәшәү көн­итмешебеҙҙең айырыл­ғыһыҙ өлөшө булһын. Аллаһы Тәғәлә шунда ғына барыбыҙҙың да изге эштәренән риза булыр. https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/iman/ber-mlekt-bul-yn-k-s-b-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Хөкүмәттә үткәрелгән сираттағы оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин тармаҡта кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хаҡында һөйләне. Ғинуар-май айҙарында эшкә 230 медицина хеҙмәткәре ҡабул ителгән, ыңғай үҙгәреш күҙәтелә. Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы райондарында табиптар һаны артҡан. Ә бына Белорет, Салауат, Өфө ҡалаһының Дим районы медицина учреждениеларында кадрҙар һаны кәмегән. “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре араһында хәлдәр насар. 27 белгес эштән киткән, урындары әле лә буш. Максим Забелин кадрҙарҙы ҡабул итеү өсөн 300 миллион һум аҡса бүленеүе хаҡында белдерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын нығытыу тәүге ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр һаны һиҙелерлек кәмегән. Хөкүмәттә үткәрелгән сираттағы оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин тармаҡта кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хаҡында һөйләне. Ғинуар-май айҙарында эшкә 230 медицина хеҙмәткәре ҡабул ителгән, ыңғай үҙгәреш күҙәтелә. Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы райондарында табиптар һаны артҡан. Ә бына Белорет, Салауат, Өфө ҡалаһының Дим районы медицина учреждениеларында кадрҙар һаны кәмегән. “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре араһында хәлдәр насар. 27 белгес эштән киткән, урындары әле лә буш. Максим Забелин кадрҙарҙы ҡабул итеү өсөн 300 миллион һум аҡса бүленеүе хаҡында белдерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын нығытыу тәүге ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр һаны һиҙелерлек кәмегән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса план төҙөргә ҡушты. Радий Фәрит улы “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәренең эштән китеүен ғәҙәттән тыш хәл тип баһаланы. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән 16,4 миллиард һум тармаҡтың матди-техник базаһын нығытыу, кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн ярҙам буласаҡ. Өр-яңы поликлиникалар файҙаланыуға тапшырыласаҡ, 625 миллион һум аҡса 22 Фельдшер-акушер пункты төҙөүгә бүленгән, 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Быйылғы каникулымда ҡайҙарҙа ғына булманым. Иң тәүҙә Ҡандракүл буйында урынлашҡан «Ватан» лагерында ял иттем. Төрлө бәйгеләр, сәйәхәттәр, кисәләр, йылы күлдә һыу инеүҙәр – былар бөтәһе лә күңелемдә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Унан ҡояшта ҡыҙынырға ла өлгөрҙөм әле. Октябрьский ҡалаһына Айзат ағайыма ҡунаҡҡа барҙым. Парктарҙа төрлө һәйкәлдәр, фонтандарға ҡарап һоҡланып йөрөнөм. Өфөлә Азамат ағайымдарҙа булып, ҡаланың матурлығына хайран ҡалдым. Гөлзифа еңгәйем үҙенең тыу­ған ере Ейәнсураға ҡунаҡҡа алып бар­ғас, бейек тауҙар, хозур тәбиғәт­кә һушым китте. Беҙҙә һыуыҡ ямғыр яуа ине, унда рәхәтләнеп ҡояшта ҡы­ҙындыҡ, һыу индек. Бына һиңә тәбиғәт! Йәйен өләсәйемдәргә барып, еләк йыйып, бесән сабыуҙа ярҙамлашып, Ҡандракүлдә һыу индем. Ауылда йәшәгәс, эштән дә арынып булмай. Әсәй менән түтәлдәр утаныҡ. Ағайымдың 3 йәшлек ҡыҙы Айгөлдө лә ҡараштым. Ул минән бер тотам ҡалмай: «Апай», – тип эйәреп тик йөрөй. Кис бар эштәрҙе бөтөргәс, уйнарға сыҡҡанда ла гел бергә булдыҡ. Уға дуҫтарым да өйрәнеп бөттө. Йәй мажараһыҙ үтәме ни? Минең менән дә ҡыҙыҡ хәлдәр булды. Быйыл сират көтөүе бесән мәленә тура килгәйне. Атайым ағайҙарым менән бесән йыйырға китте. Ә әсәйем менән икебеҙ, яллар кеше булмағас, һыйыр көтөүен көттөк. Малдар төшкә тиклем тыныс ҡына ашап йөрөнө. Беҙ ялан яңғыратып йырлап та алдыҡ. Тик бер заман малдар тарала башланы, әсәй ҡысҡырып, мин йүгереп ҡыуам. Биш-алты һәүкәш әйләнеп тә ҡарамай, әллә ҡайҙа артта уҡ ҡалды. Хатта ила­ғы килә башланы. Шул саҡ үҙебеҙҙең Йондоҙ исемле һыйырыбыҙ көтөүҙән айырылып, әсәйем эргәһенә килеп, йыуатҡан кеүек, мөңрәне лә тиҙ генә тегеләр яғына ың­ғайланы. Барып еткәс, шундай уҫал тауыш менән үкереп, үҙенсә тың­лауһыҙ малдарҙы «әрләп» алды. Тегеләре, аңлағандай, беҙгә табан ки­лә башланы. Бер «тәртипһеҙе» буйһонмай, бөтөнләй кирегә ҡасмаҡсы бул­ғайны. Йондоҙ донъя ярып бер үкер­ҙе лә мөгөҙө менән һө­ҙөп алды. Теге һыйыр шунда уҡ са­бып килеп тә етте. «Бына ошолай көтөргә кәрәк», – тигән кеүек, Йондоҙ әкрен генә мөңрәп, беҙгә һырпаланып һөйҙөрҙө лә тағы ашарға кереште. Көнө буйы һәүкәшебеҙ эргәбеҙҙә булды, гел «һөйләшеп» йөрөнө. Берәй мал ситкә китһә, барып «ҡыуалап» килтереп торҙо. – Вәт, беҙҙең һыйыр шәп! Һөт тә бирә, һыйыр көтөүен дә үҙе көтә, эйе бит, әсәй, – тигән булам. Бына шулай күңелле лә, файҙалы ла уҙа минең йәйге ялым. Айгизә АБЗАЛОВА. Туймазы районы, Бишҡурай ауылы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Сочиҙа ул дәүләт етәксеһе Владимир Путин менән һөйләште. Осрашыуҙа төрлө өлкәләрҙә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, көн үҙәгендә торған халыҡ-ара һәм төбәк проблемалары хаҡында фекер алышынды. Дәүләт етәкселәре берҙәм матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Владимир Путин менән Александр ван дер Беллен “Сочи диалогы” йәмәғәтселек форумының ойоштороу ултырышында ҡатнашты. Был сара Рәсәй һәм Австрияның граждандар йәмғиәттәре араһындағы тура бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында үткәрелә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Учалыла уҡыусы ҡыҙ Вилена Рафиҡоваға урамда хәйер һорашҡан әбей тап булып, унан дауаханаға алып барыуҙы һорай. "Йоҡларға ятырмын да үлермен тип ҡурҡам", ти уға әбей. Ҡыҙ бала бер нисек тә ярҙам итә алмай, әммә социаль селтәргә оло йәштәрҙәге ҡатындың хәле тураһында һүрәтләп яҙып һала. Шунда уҡ был яҙмаға бик күптәр иғтибар итә һәм әбейҙең хәленә битараф ҡалмаған изге күңелле кешеләр табыла. Шуларҙың береһе - Әлиә Теләүбирҙина әбей менән яҡындан танышыр, хәлен белешер өсөн уны эҙләп бара. "Өй йәшәрлек түгел, аптырайым, бында нисек көн күрәлер. Әҙерәк аҙыҡ-түлек алдым. Туғандары бар, әммә улар килмәй, ти. Уларҙың береһе уның пенсияһын алып тора. Былай йәшәп арыным, ҡарттар йортона барғым килә, ти ҡатын", - тип хәбәр итә ул. Фотоһы буйынса ҡатынды тиҙ таныйҙар. Исеме - Флүрә. Улы үлгәндән һуң, пенсия ала торған картаһы менән бергә ейәнсәре лә юғалған. Шул ваҡыттан бирле оло кеше урамға сығып теләнселәнергә мәжбүр. Фото: bash.news Автор: Аклима Гизатуллина https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/arttar-yortona-urinlash-im-kil-291419/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Улар һәр саҡ юғары маҡсат ҡуя һәм уға өлгәшә, беренсе булырға ынтыла һәм иң яҡшыһы була. Улар – башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары! Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты (директоры Д.Ғ. Фәтхетдинова) 2019-2020 уҡыу йылында уҡыусыларҙың Ю.А. Гагарин кубогына республика олипиадаһында Бәләбәй муниципаль районының иң яҡшы дөйөм белем биреү ойошмаһы тип табылды. Гимназия-интернат коллективына Диплом һәм Юрий Гагариндың бюсы тапшырылды. Ҡотлайбыҙ! Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхознадзор, Россельхозцентр һәм район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығындағы эш комиссияһы Аксен һәм Раевка элеваторҙарының яңы уңышты ҡабул итергә әҙерлеген тикшерҙеләр. Эксперттар төркөмө предприятиеның территорияһын, биналарын, йыһаздарын, ҡорамалдарын һәм механизмдарын ҡараны. Ике элеватор ҙа дәүләт имтиханына ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнгән. Барлыҡ ашлыҡ һауыттары,иген киптергес һәм елләткес, үлсәү йыһаздары, элеваторға кереү юлдары һәм ашлыҡ ҡабул итеү майҙансыҡтары тәртипкә килтерелгән. Белгестәр келәттәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүлде. Комиссия райондың ашлыҡ ҡабул итеү предприятиелары – Аксен элеваторының “Икмәк базаһы” ла, Раевка элеваторы ла – игенде һәм майлы культуралар уңышын ҡабул итергә, киптерергә, эшкәртергә һәм һаҡлауға һалырға әҙер, тигән һығымта яһаны. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Бер яҡыны ла булмаған инвалид ҡатын Эльнара 200 һумға ятаҡ иҙәнен йыуырға мәжбүр, сөнки бәләкәс ҡыҙын ашатырға кәрәк... Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Эльнара исемле йәш ҡатындың яҙмышы хаҡында тетрәнмәйенсә тыңлап булмай. Ул тыумыштан инвалид, бер ҡулы эшләмәй. Бала сағы балалар йортонда үткән. Яҡын туғандары булмаған Эльнараның матур хыялы бар: татыу ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәү. Уның аяныслы яҙмышы хаҡында “Комсомольская правда ” порталы хәбәр иткән. Асыҡланыуынса, Эльнараның тормош юлында мөхәббәт тә осраған, уларҙың һап-һау ҡыҙҙары тыуған, әммә... Ир кеше, яуаплылыҡтан ҡасып, икеһен дә ташлап киткән. Ирекмән Регина Биргулиева бәйән итеүенсә, Эльнараға бушлай дарыуҙар бирелергә һәм башҡа ташламалар ҙа булырға тейеш. Әммә ҡатын уларҙы юлламаған. Әлеге ваҡытта бер ҡулы менән 200 һумға ятаҡ иҙәнен йыуырға мәжбүр, сөнки үҙенә һәм балаһына нисек тә булһа туҡланырға кәрәк. "Эльнара бик бөхтә, таҙа ҡатын. Эсмәй, тартмай. Бер генә хыялы бар – ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу. Уға тейешле дарыуҙарҙың ҡабы 16 мең һум тирәһе тора, әммә уларҙы Эльнара күптән алмай. Бер мәл дарыуҙар өсөн кредит юллаған, һөҙөмтәлә бурысҡа батҡан. Әлеге ваҡытта ошо сәбәпле пенсияһын да ала алмай", – ти уға ярҙам итеүсе ирекмән. Әлеге ваҡытта битараф булмаған кешеләр йәш ҡатынға ярҙам итергә тырыша, дарыуҙар юллаша, картаһын да хәстәрләй. Әгәр һеҙҙең дә ярҙам итер форсатығыҙ булһа, Регина менән бәйләнешкә инергә һәм быны нисек эшләргә икәнлекте белешергә мөмкин: 8 919-616-60-26. Фото: “Комсомольская правда”. Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ber-uli-men-n-i-n-yiua-639216/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Коронавирус тормошобоҙға шул тиклем етеҙ килеп инде һәм көнитмешебеҙҙе тамырынан үҙгәртте. Йәшәйеш ҡиммәттәре үҙгәрҙе. Бөгөнгө көндә был сирҙән ҡотолоу юлы вакцинала ғына икәнен йыш ҡабатлайҙар.Район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Иманғолов Илнур Таһир улы менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ. Коронавирус тормошобоҙға шул тиклем етеҙ килеп инде һәм көнитмешебеҙҙе тамырынан үҙгәртте. Йәшәйеш ҡиммәттәре үҙгәрҙе. Бөгөнгө көндә был сирҙән ҡотолоу юлы вакцинала ғына икәнен йыш ҡабатлайҙар. Район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире Иманғолов Илнур Таһир улы менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ. -Ковид беҙҙең быуын өсөн бик етди һәм оло һынау булды. Тотош донъялағы һымаҡ уҡ, районда был сирҙән вафат булыусылар ҙа булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Был мәкерле сир бик йоғошло. Район хакимиәтендәге аҙна һайын үтеп торған онлайн-брифингта иғлан ителгән мәғлүмәттәр ҙә шуға дәлил. Әлбиттә, һаҡланыу саралары бик мөһим. Ләкин бөгөнгө көндә был мәкерле сиргә кәртә ҡуйырлыҡ бер генә ышаныслы ысул бар, ул –вакцина. Барығыҙға ла мәғлүм, ковидтан “Спутник v”тип аталған вакцина беҙҙең районға ла килеп етте һәм халыҡты вакцинациялау башланды. Ковид – бик ҡурҡыныс сир. Вакцинанан башҡа был сирҙе еңерлек ысулдар әлегә уйлап табылмаған. Сирҙе тамырынан юҡ итер өсөн дөйөм халыҡтың кәмендә 40 проценты вакцинацияланыуы шарт. -Был вакцинациялау тураһында интернетта төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Ябай халыҡҡа ҡайҙа хаҡ яҙылған, ҡайҙа ялған икәнен аңлауы ла ауыр. -Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин 2020 йылдың авгусында Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табылыуы хаҡында бөтә донъяға иғлан итте. Ул мәлдә әле вакцина тикшереү ҙә үтеп бөтмәгән ине. Ләкин тәүге һөҙөмтәләр үк өмөтләндерҙе. Тик халыҡ улай тиҙ арала ышаныслы вакцина табылыуына ышанып етмәне һәм шуға күрә был яңылыҡты һалҡыныраҡ ҡабул итте. Бер нисә төр вакцина сығарылды. Ләкин улар араһында әлеге ваҡытта беҙҙең дауаханаға килтерелгән “Спутник v” иң ышаныслыһы һанала. Төрлө илдәр уны беҙҙән һатып алырға сиратта тора. Британияла сығыусы медицина өлкәһендә киң билдәле һәм абруйлы баҫмала - “The Lancet” (“Ланцет”) журналында ошо февраль айында “Спутник v”-ның сит илдәрҙә етештерелгән вакциналарҙан ҡалышмауы, ә Ҡытайҙа уйлап табылғанынан хатта өҫтөнөрәк булыуы тураһында яҙылған. Әлеге ваҡытта өс тиҫтәгә яҡын илдә тап ошо вакцинаны ҡулланалар һәм уның тураһында бик яҡшы фекерҙәләр. Хәҙер был вакцина Һиндостанда, Бразилияла, Көньяҡ Кореяла етештерелә. Төркиә менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Хатта Американың киң мәғлүмәт саралары “Спутник v” вакцинаһын “вакциналар көрәшендә” еңеүсе тип иғлан иткән. -Әлегә беҙҙә вакцина яһатыуға халыҡ бик әүҙем түгел һымаҡ... - Бының сәбәбен мин халыҡтың дөрөҫ мәғлүмәтте белмәүендә тип һанайым. Әгәр үҙебеҙҙең ғалимдарға, белгестәргә, табиптарға ышанмаһағыҙ, интернетҡа инеп, үрҙәге баҫманан үҙегеҙ ошо турала уҡый алаһығыҙ. Вакцина яһатыу-яһатмауҙы һәр кем үҙе хәл итә, әлбиттә. Шулай ҙа бөтә донъяла был вакцинаны маҡтайҙар, беҙҙән һатып алып, халҡына яһаталар икән, уйланырға урын бар, минеңсә. Рәсәйгә ҡарата бынан бер нисә йыл элек төрлө санкциялар иғлан иткән илдәр ҙә беҙҙән вакцина һорай башлағандар. Ә беҙҙә ил халҡына, шул иҫәптән беҙҙең район халҡына ла бушлай вакцина һалдырыу мөмкинлеге бирелгән. Теләгән һәр кем урындағы фельдшерҙарға, поликлиниканың регистратураһына (телефон аша ла белешергә мөмкин), үҙенең участка терапевына мөрәжәғәт итә ала. Табип ҡарап, вакцина һалдырыуға ҡаршылыҡтар булмауын билдәләһә, вакцина яһатыуға сиратҡа яҙылырға мөмкин. Беҙгә вакцина препараты килтерелгәйне, ул нигеҙҙә, эшләнеп бөттө. Ай аҙағында тағы ла буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, райондаштар, был сирҙе үткәреүселәр уның ниндәй ауыр икәнлеген белә. Шуға күрә, төрлө имеш-мимештәргә түгел, ә айыҡ аҡылығыҙға һәм абруйлы белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалырға саҡырабыҙ. Ҡабатлап әйтәм – әлеге ваҡытта вакцина был сирҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Быларҙың төрлөһөн һайлап ашаһағыҙ була. Тик саманан арттырып ҡына ебәрмәгеҙ. Тағы ла файҙалы тәмләткестәр ҙә бар әле: имбир, куркума. Ә иң шәп эсемлек – һөт. Бынан тыш, табиптар вирустар шашҡан осорҙа күберәк гранат һәм киви ашарға ҡуша. Шпинат, ҡыҙыл болгар боросо менән әҙерләнгән ризыҡ та иммунитетты күтәрә икән. Йәшел сәй (ҡан баҫымына “үлсәп” кенә) ҙә файҙалы. Әйткәндәй, әле донъяла ҡоторған яман вирус хроник сирлеләргә, ололарға, насар ғәҙәтлеләргә тиҙерәк йоғоуы ихтимал. Иғтибар! Роспотребнадзор мобиль телефондарҙы дезинфикацияларға ҡуша. Барыһы ла вирустан, бигерәк тә әлеге COVID-19 вирусынан, һаҡланыу өсөн. Беләһегеҙ, телефоныбыҙ беҙ ҡулланған бөтә техника араһынан – иң бысрағы. Антисептик саралар менән эшкәртегеҙ, айырыуса битегеҙгә тейгән ерҙәрен. Бына шулай тип кәңәш бирә табиптар. Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/auli-i-a-h-ef-yanaymi-Immuniteti-di-ni-it-163902/ фото/Pixabay Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Шул рәүешле, үткән йылда ла баҫыусылыҡта, малсылыҡта берҙәм хеҙмәт һалып һәм күптән түгел уҙғарылған отчет йыйылышында уға тәнҡит күҙлегенән йомгаҡ яһап, 2019 йылды уңышлы ғына башлап ебәрҙе кооператив ағзалары. Кооперативтың йыллыҡ отчет йыйылышы эшлекле төҫтә үтеп, рәйес Иршат Рәүил улының докладында иҡтисади-финанс хәленә ентекле анализ яһалды, нигеҙле сағыштырыу аша үҫеш резервтары барланды, кәмселектәр тәнҡитләнде, пландар ҡабул ителде. Йыйылыш бар тырышлыҡтарын ошо кооперативҡа бағышлаған хеҙмәткәрҙәр Алһыу Нуриеваны, Рәшит Сәмигуллинды тантаналы шарттарҙа лайыҡлы ялға оҙатыуҙан башланды. Хужалыҡ рәйесе уларҙың һәр береһенә маҡтау, рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, бүләктәр тапшырҙы. Кооператив рәйесе И.Ғилфанов һүҙҙәренә ҡарағанда, уҙған йылда хужалыҡ буйыса 92 млн. һумлыҡ продукция етештерелгән.Ҡаҙыр һәм Һеңрән һөтсөлөк фермаларында барлығы 1198 баш мал аҫрала, шуларҙың 500ө – һауын һыйырҙары. Хужалыҡ буйынса 2018 йылда 21870 ц. һөт һауып алынған. Уны һатыуҙан 27 млн. 709 мең һум аҡса ингән. Әлеге осорҙа дәүләткә көн һайын юғары сорт менән 40 центнер продукция һатыла. Хужалыҡ буйынса уҙған осорҙа 870 ц. ит етештерелеп, был күрһәткес 2017 йыл (960) менән сағыштырғанда – 83 ц. кәмерәк. Күренеүенсә, күрһәткесте арттырыу бурысы тора кооператив уңғандары алдында. Бының өсөн хеҙмәткә мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Кооператив рәйесе билдәләүенсә, хужалыҡтың иҡтисадын нығытыуҙың төп юлы – көндәлек табыш килтереүсе һөт етештереүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырыу. Малдарҙан артым алыу мәсьәләһе лә күҙ уңынан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бының өсөн шарттар бар. Һауынсылар Алиса Хә- нәфиева, Венера Зарипова, Розалия Йәнгирова, малсылар Фәндәүис Мәрҙиев, Рәүил Ситдиҡов, Венер Биктимеров, Фәнил Биктимеров, Ильяс Шәмсиев адресына тик маҡтау һүҙҙәре яңғыра- ны. Продукция етештереүҙе арттырыуҙа һыйырҙарҙы һәм таналарҙы үҙ ваҡытында ҡаплатыуға ирешеү мөһим роль уйнай. Әйткәндәй, йыл башынан барлығы 440 быҙау алынып, 100 һыйырға 88 үрсем тура килә. Был йәһәттән дә эште үҙ юғарылығында ойошторорға кәрәк. (Дауамын гәзитебеҙҙең 2 һанында уҡығыҙ) Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Ауыл кешеһе бер ҙә бушап тора алмай, уны бер мәшәҡәт артынан икенсеһе көтә. Аграрийҙар ҙа сәсеүҙе тамамлау менән инде шытып сыҡҡан үҫемлектәрҙе тәрбиәләргә тотондо. Сөнки мул уңыш алыр өсөн сәселгән культураларҙы ваҡытында ҡарау мөһим. Районыбыҙ баҫыуҙарында ла үҫемлектәрҙе химик утау киң ҡолас менән бара. Был мөһим эшкә “Үҙәк” МТС-ының Ҡыр­мыҫҡалылағы “Нива” филиа­лы эшсәндәре тәүгеләрҙән булып тотонған. Улар сәсеү­лектәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Беҙ барғанда баҫыуҙарҙы эш­кәртеү сөгөлдөр план­та­цияһында бара ине. Унда эш барышына етәкселек иткән бүлексә управляющийы Әнүр Абнасировты, әйҙәүсе аг­роном Рәүф Мортазинды, бү­лек­сә аг­рономы Айҙар Бик­та­шевты ла осраттыҡ. Әйткән­дәй, унда сервис хеҙмәте лә килгәйне. Инженер Ғәлинур Кәримов спутник аша күрһәт­кән на­вигаторҙы алмаштырҙы. Эште заманса техника башҡарыуы бер кемгә лә хәҙер яңылыҡ түгел. Шулай ҙа был нави­гаторҙың рәт араларын йыһан аша тигеҙләп күрһәтеүе аптыратты һәм һоҡ­ландырҙы! Әнүр Зәйнулла улының һүҙ­ҙәре буйынса, бүлексәлә дөйөм ер 5412 гектар булһа, быйылғы йылда уның 4972-һендә бөр­төклө һәм техник культуралар үҫтерелә. Ә 440 гектары парға ҡалдырылған. Шуларҙан ужым бойҙайы 1267, яҙғы бойҙай 1268, арпа 704, ҡарабойҙай 262, борсаҡ 307, сөгөлдөр 212, көнбағыш 501, рапс 282 гектар ерҙәрҙе биләй. Шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәр - люцерна 61 һәм козлятник 494 гектарҙарҙа сәселгән. Ошо майҙан ерҙәрҙең барыһына ла химик утау үткәрелә. - Ужым культуралары баҫыуҙарында химик утау эшен тамамлап, әлеге ваҡытта яҙғы культуралар сәселгән билә­мәләрҙә эшләйбеҙ. Шытымдар яҡшы, сәсеүлектәр күҙгә кү­ренеп күтәрелә. Улар гер­бицид, фунгицид һәм инсек­тицид ме­нән ҡый үләндәренә, ҡорот­ҡостарға һәм ауырыу­ҙарға ҡаршы эшкәртелә. Хи­мик утау технология буйынса өс тапҡыр уҙғарыла. (Дауамын гәзиттән уҡығыҙ) Фәниә Сәлимгәрәева. Роза Тажетдинова фотолары. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Лимондың организм өсөн файҙалы яҡтары күптән билдәле. Шулай уҡ был цитрус емешен косметологияла ла киң ҡулланалар. Лимондың организм өсөн файҙалы яҡтары күптән билдәле. Шулай уҡ был цитрус емешен косметологияла ла киң ҡулланалар. Лимон һуты тәбиғи дезинфекция сараһы һанала, шуға күрә ул һытҡылар менән көрәштә уңышлы файҙаланыла. Уның составындағы тәбиғи кислоталар көслө антибактериаль сифатҡа эйә һәм һытҡы барлыҡҡа килтереүсе зарарлы микроб һәм бактерияларҙы юҡҡа сығара. Нисек ҡулланырға? Өлгөргән емеште ҡырҡып, таҙа мамыҡ дискыға лимон һуты һығығыҙ. Йылы һыу менән таҙа итеп йыуылған битегеҙгә ошо һутты һөртөгөҙ. Проблемалы өлөштәренә (һытҡы, һипкел) - бер нисә ҡат. Бит тиреһе кипһә, йылымыс һыу менән йыуығыҙ һәм үҙегеҙгә килешкән крем һөртөгөҙ. Лимон һуты тире күҙәнәктәрен таҙарта, уларҙың яңырыу процесына ыңғай тәьҫир итә, майлылыҡты кәметә, шулай уҡ шымартыу, ағартыу һәләтенә эйә. Бындай процедураларҙан һуң бит тиреһе йомшарып, шымарып ҡала, төрлө таптар күҙгә күренеп ағара, төҫһөҙләнә. Лимон һутын ҡулланғанда уның киптереү, ҡоротоу сифатына эйә булыуын оноторға ярамай. Әгәр бит тирегеҙ майлы йәки нормаль төргә ҡараһа, лимон киҫәге менән бит тиреһен көнөнә биш тапҡыр эшкәртергә мөмкин. Еңелсә хәрәкәттәр менән ышҡығандан һуң һутты 5-10 минутта тирелә ҡалдырығыҙ ҙа йылы һыу менән йыуығыҙ. Әгәр тирегеҙ үтә ныҡ майлыға, күҙәнәктәре тигеҙһеҙгә әйләнһә, 1:1 нисбәт менән лимон һутына минераль һыу ҡушып, лосьон яһап алығыҙ. Уны биткә һөрткәндән һуң йыуырға ярамай, шул килеш кибергә тейеш. Шуны ла белеп ҡуйығыҙ: лимон һуты аллергия тыуҙырыуы ла ихтимал. Әгәр тирегеҙ үтә һиҙгер, ҡуҙғыусан булһа, лимон һутына 1:1 нисбәтендә һыу өҫтәгеҙ. Сәләмәт һәм матур булығыҙ! Фото: tvoyalady.com Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
– Ауылға ҡайтып киләйем әле.Ял көндәре яҡынлашыу менән Шәриф әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғо кисереп ауылына юллана. Йәш үтә барған һайын тыуып-үҫкән яҡтар үҙенә нығыраҡ тарта икән. Атай йорто үткәндәргә алып ҡайта. Бынан алтмыш йыл самаһы элек һалынһа ла, тәрбиәләп-ҡарап торғас, ныҡлы ғына ултыра. Көтөп, ишекте шар асып торған кеше юҡлығын-юҡ та. Атаһы менән әсәһенең гүр эйәһе булыуына шаҡтай инде. Бер туған ағаһы ауылда ҡалғайны ла, ғүмере ҡыҫҡа булды шул. Еңгәһе бәпәй көтә ине.– Балаңды тап, үҙебеҙ ҡарашырбыҙ, бик ауыр тиһәң, беҙгә бирерһең, үҫтерербеҙ, – тигәйнеләр ҙә, тыңламаны. Район үҙәгенә барып, ете айлыҡ ауырын алдырып, икенсе яҡҡа сыҡты ла китте. Хәҙер үҫкән егет булыр ине. Ошолар иҫкә төшһә, уның күңелен ҡаты һағыш сорнап ала.***…Шәриф аҙыҡ-түлек алырға тип ауыл магазинына инде. Халыҡ байтаҡ ине. Бер ҡатындың һатыусы менән дауайлашыуы ишетелде. Һүҙҙәре ҡолаҡты ярып бара:– Йә, бир инде, тим, берәй ярты, нимә йәлләйһең?– Юҡ, юҡ, теге ваҡыт та яҙҙырып алып киткәйнең, әле һаман бирмәгәнһең. Ревизия килһә, нимә тип яуап бирәйем?– Ай Алла! Иртәгә үк килтерәм бына, балалар аҡсаһын алһам.– Балалар аҡсаһын тиһеңме? Һинең былай ҙа бурысың күп, ә ул элеккеһенә етмәйәсәк.– Ни эшләп кеше хәлен аңламайһың ул? Бесән алабыҙ бит. Кешене һыу менән һыйлап булмай.– Алдашаһың! Теге саҡта ла алып киттең дә эсеп йөрөнөң. Ирең өйҙә юҡ, ә һин теләһә кем менән күңел асаһың. Шул аҡсаға балаларыңа тәм-том алыр инең!– Улар былай ҙа ас ултырмай. Ни эшләргә кәрәклеген үҙем дә беләм, как никак дүрт бала үҫтергән әсә бит әле мин. Бишенсеһен дә табырмын, миҙалын да алырмын. Йә, бирәһеңме, юҡмы?– Юҡ, тинем бит!– Кеше түгел икәнһең… – Ҡатын йәнә ялбара башланы:– Йә, бир инде, зинһар!– Йә, мишәйтләмә, ана әллә күпме кеше көтөп тора.– Юҡ, бирмәйенсә барыбер китмәйем. Упсым, бигерәк. Бында ней төшөп ҡалған кеше барҙыр шул. Бына паспортымды ҡалдырам…Араҡы тип һатыусының йәнен алып барған кеше Шәрифтәргә күрше генә өйҙә үҫкән Ғәзизә ине. Һатыусының уны оялтырға теләп:– Ана, Шәриф ағайың тора, оят таһа, гәзиткә яҙыр, – тиеүенә ҡатын уны күреп ҡалды ла, халыҡ араһынан йырмаслап килеп:– А-а-а, күрше ҡайтҡан даһа, – тип Шәрифте ҡосаҡлап уҡ алды. – Бөгөн ҡайттығыҙмы? Хәлдәр нисек? Үҙегеҙҙе күргән дә юҡ. Күрше-тирә яман һағындыра. Исмаһам, бер ултырып алыр инек. – Ҡатындан тын алғыһыҙ әсе еҫ аңҡый ине...***Ғәзизәне йыш күрмәһә лә, ҡайтҡан-киткәндә осратып тора Шәриф. Әле утыҙы тулмаһа ла, өҫ-башы таушалған, оло төҫ ингән. Сәсе ялбыраған, аяғына әллә ниндәй ҡата эләктергән. Өҫтөндәге күлдәгенең төҫө уңған. Үҫмер сағында матур ғына күренгән ҡыҙыҡайҙы алмаштырғандармы ни! Тештәре төшкән. Бындай йәмһеҙ күренештән тиҙерәк ҡотолорға теләгән ир, ярай, мин ҡабаланам тип, алыр әйберен дә алмай магазиндан сығыу яғын ҡараны.Ғәзизә Шәрифтән күпкә кесе. Ауылда өйҙәре бер тирәләрәк булғас, ҡайтып-киткән арала ҡыҙыҡайҙы йыш күрә ине. Уның бәғерҙе телерҙәй итеп: “Ҡотҡарығыҙ, атайым әсәйемде үлтерә-ә-ә!” тип ярҙам һорап, ҡайҙа бәрелергә белмәй урам тултырып һажлап йөрөүе бөгөнгөләй хәтерендә. Йыш ҡына уларға килеп йоҡлай торғайны. Шәрифтең киң күңелле әсәһе уны йәлләй, ашатып-эсерә. Хатта ҡыҙыҡайҙың бер малай менән атай, әсәй булып уйнауын, ҡосаҡлашып йырлай-йырлай “ҡунаҡтан” ҡайтып килеүен мәрәкә күреп ҡарап торғайны ул. Икенсе тапҡыр “ҡунаҡ” саҡырып, әйҙә икәү итәйек, тип дуҫтарын “һыйлағанын” да күрҙе.Мәктәпте бөткәс, ҡалаға китеп ҡарағайны ла, дөмбөрө батманы, бер-ике ай йөрөнөмө-юҡмы, кире әйләнеп ҡайтты. Бер аҙҙан күрше ауыл егетенә кейәүгә сыҡты, хәҙер дүрт балаһы бар.Ғәзизәнең ата-әсәһенең тормошо Шәрифтең күҙ алдынан үтте. Заманына күрә иркен ике яҡлы өй. Атаһы Сабир ағай бер нисә тапҡыр кәләш алып ҡараған. Ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған әҙәм менән кем торһон инде! Кемеһе бер аҙна, икенсеһе бер ай йәшәп ҡарау менән тайыу яғын ҡараған. Ғәзизәнең әсәһе Гөлбәҙәр еңгәйҙе алып ҡайтҡанын яҡшы иҫләй. Уларға еңгә бүләге тип ҡулъяулыҡ та биреп сығарғайны. Күп тә үтмәй тәүге улдары тыуҙы.Ул заманда халыҡ ҡунаҡҡа күп йөрөштө. Көҙөн һуғым мәле оло-ҡара байрамға әүерелә ине, бер-береһенә сиратлашып йөрөп мал һуялар. Феләк тултырып бал ҡоялар ҙа шуны шөпөрәләр генә. Йәнә ауылда Сабир ағайҙың нәҫел-нәсәбе күп. Бер аҙ ҡыҙып алғас, ул гармунда һыҙҙыра, ә ҡатыны йыр башлай. Матур йырлай ине ул. Әсәһе һөйләүенсә, еңгәй тәүҙәрәк эске менән дуҫ булмай. Ҡунаҡтарҙа көсләп-ҡыҫтап эсерәләр уны: кемеһелер йырлап бирә, икенсеһе үпкәләп маташа:– Әҙәмгә һанамаһаң, эсмәйһең инде!– Йә, берҙе генә эс инде, шунан ғына күтәрелеп осмаҫһың әле, – ти береһе. – Суфый булып ултыраһың.Уларға, йәмрәйеп, ире ҡушыла:– Йә, ни ҡыланып килештереп ултырған булаһың! Шәп була берәү, инәлтә!Быларҙың күңеле булһын тип, ул алдындағыһын бер аҙ уртлай ҙа кире ултырта. Килен кешенең хәрәкәтен тишерҙәй булып күҙәтеп ултырғандар йәнә гөжләшә.– Ах-ах, был ни тигән эш була инде, килен?! Һин беҙҙән ҡайһы ерең менән ҡайтыш? Әллә тиң күрмәүеңме?– Шулай шул!– Әйҙә, асыуыңды ҡалдырма!– Юҡ, былай булмай! – Берәүһе стаканды ҡулына уҡ алып, уға һона.– Йә, бөткәнсе, түңкәргәнсе. Әтеү үҙебеҙҙең вызводҡа ҡабул итмәйбеҙ! Ҡара уны, төбөндә ҡалдыраһы булма, әтеү елкәңә ҡоябыҙ!Ахырҙа, күңелдәре булһын тип эсеп ҡуйғас, тағы шаулаша башлайҙар:– Әллә кемдең килене!– Ана шулай!– “Бишле”!– Үҙебеҙҙең генә килен! – Кемелер шарҡылдап көлә.***Ҡунаҡтарҙа ана шулай берәү, икәү итә, “бишле”ләр ала торғас, ул ысынлап эске ҡолона әүерелә. Иртән аҡтарылып килгән башын төҙәтер өсөн күрше-күләнгә юллана. Элек табындарҙа ҡыҫтап-мәжбүрләп эсергән кешеләр хәҙер уларҙан ҡасып ҡотолоу яғын ҡарай. Уны күреп ҡалыу менән, ана, тағы темеҫкенеп йөрөй, тип берәүҙәре ҡапҡаһын бикләргә ашыға, икенселәре балаһын урамға сығара һала.– Өйҙә бер кем дә юҡ, тип әйт! Йөрөмәһен һәрәпселәп. Бында уларға һоҫа һалып бирергә йылға ағып яталыр шул.Һәр саҡ нимәнәндер риза түгел ине Сабир ағай. Гел генә кеше менән була, кемделер “ғибрәт”, “гонаһ шомлоғо” тип әрләй. Айныҡ сағында ла ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған ир, иҫереп алһа, торғаны бер йыртҡысҡа әүерелә. Уларҙың мәжлестәрҙән татыу ғына ҡайтҡаны булдымы икән? Урам буйында уҡ ҡатынын туҡмай-туҡмай, һүгә-һүгә ҡайта. Йә артына тибеп ебәрә, йә башын төйә.– Хайуан!– Мәғәнәһеҙ!Эх, шул Сабирҙың үҙен ауҙара һуғыр ине лә, Шәриф бәләкәй шул.Ихатаһында ҡатынын шарт та шорт туҡмағаны уларға уҡ ишетелә. Ҡулына нимә тап килә, шуны алып елләй, йә сыбыртҡы менән яра. Көрәк, утын ағасы менән туҡмай. Еңгәй, иренән бер башҡа оҙон булһа ла, уға һис бер ҡаршылашмай: “Сабир, ни эшләйһең ул, үлтерәһең бит”, – тиеүҙән ары китмәй. Шулай булһа ла ул башҡалар кеүек ҡасып-боҫоп кешелә йоҡлап йөрөмәне шикелле.Бер мәл урамда ергә һалып туҡмай ҙа Сабир ағай үҙе ҡайҙалыр сығып китә. Уны күрше-тирә күтәреп индереп, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, район үҙәгенә оҙата. Халыҡ араһында, хәле үтә насар, әҙәм булмаҫ ул, тигән хәбәр йөрөһә лә, бер аҙ ваҡыттан ул аҡһай-туҡһай ҡайтты.– Кит, кешенең ғүмере бөтмәһә, үлмәй икән ул, – ти Шәрифтен әсәһе. – Анау Мансур бесәнгә барғанда арбанан осоп төшөп кенә үлде. Шул туҡмауҙарға нисек сыҙай икән? Был тиклем дә һере кеше булыр.Кәкрене ҡәбер генә төҙәтә тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Улар йәнә ҡушарлашып йөрөп эсә башланы. Бахмурҙан үлә яҙып йөрөгәндә Шәрифтәргә лә килеп сығалар.– Апай, баш ҡутарылып килә, әсе-сөсөң юҡмы шунда? – тип мөлдөрәп күҙенә бағалар. – Кисә Мөхтәр ағайҙарға бесән ташышҡайныҡ, күп булған.Әсәһе, уларҙы йәлләп, әҙерәк бал һоҫоп бирә, унан шелтәләй башлай:– Ниңә шул нәмәне эсәһегеҙ, балаларығыҙҙы, донъяғыҙҙы ҡарар инегеҙ. Эскелек йүнлегә килтерәме ни! Ирең эсһә лә, үҙең ауыҙыңа алмаһаң ине. Ҡушарлап йөрөйһөгөҙ бит.– Юҡ, юҡ, – тип тыңлап торған булалар ҙа иртәгәһенә йәнә ҡайҙандыр кәйкәнләй-кәйкәнләй ҡайтып киләләр.Уларҙың дүрт балаһы булды. Өлкән улдарынан һуң бер-бер артлы йәнә ике малайҙары тыуҙы. Әммә кеселәре йәше тулыр-тулмаҫтан ҡапыл ғына үлеп ҡалды. Еңгәй, шул албаҫты ғына баламдың башына етте, ни эшләп һажлап ятаһығыҙ, тип күтәреп алып бәрҙе бит, тип һуңынан илай-илай әсәһенә һөйләгән.– Ниңә шул ҡата башына бирешеп тораһың, ҡулыңа нимә тура килә ал да тондор үҙенә, шунһыҙ аҡылға ултырмаясаҡ, – тигән әсәһе. – Йә ҡайтып кит, бында иҙелеп йәшәргә Никулай заманы барҙыр шул. Һау кешегә эше лә табылып тора.– Эй, кемгә барайым, бер кемем дә юҡ бит минең. Бер ҡайҙа ла китмәйем, һөйәгем сыҡһа ла, ошо өйҙән сыҡһын.Ғәҙәттә, эске менән мауыҡҡан ғаиләләргә күрше-күлән кереп бармай. Әсәһе уларға йыш ингеләне. Бер мәл ярһып-ярһып бала илағаны ишетелгәс:– Бер-бер хәл булдымы икән? – тип инеп китте. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан ул ҡулына Ғәзизәне күтәреп, йыуата-йыуата килеп сыҡты.– Йә, йә, сеү, хәҙер мәм-мәм бирәм. – Унан йыуатып, йыуындырып, ашатып-эсереп һалғас, бала иҙрәп йоҡлап китте.– Кит, Хоҙайым, был килендең йәне юҡтыр ул. Ошо сабыйҙы ни йөрәге менән өйҙә ҡалдырып, урам буйында йөрөйҙөр. Хайуан да балаһын улай ташлап китмәй. Өйҙәренә инһәм, себен мыжғып тора, бала илауҙан шешенеп, бүртенеп бөткән. Ҡуй, ҡуй, был тиклем дә оятһыҙ кеше булыр икән. Ярай, ире алкаш ти, ә ниңә уға уның ыңғайына ауыҙын һәлберәтеп, темеҫкенеп эсеп йөрөргә. Әҙәм түгел икән!Элек эсһәләр ҙә, яҙын йәшелсә, емеш-еләк, бәрәңгеһен ултырталар ине. Әле итен, әле бәрәңгеһен бер-береһенән йәшереп, көмөшкәгә алмаштыралар. Тора-бирә улар бөтөнләй эскелек һаҙлығына батты. Бер аҙҙан мал-тыуар бөттө, ҡош-ҡорт юҡҡа сыҡты. Өй эсе йыйыштырылманы. Пәрҙәләр һалынып төштө, иҙәнгә бер иле батҡаҡ ятты. Өйҙә түшәк кеүек нәмә, һауыт-һаба юҡ, түләмәгән өсөн электр сымын да өҙөп киттеләр... ***Өлкән улдары Ғосмандың ғүмере аяныслы өҙөлдө. Зирәк малай ине, һәйбәт уҡыны. Армиянан ҡайтҡас, күрше-тирә, бында ҡалһа, бөтә инде, тип һөйләнде. Шуға ла уға:– Балаҡай, ҡырға кит, кәм-хур булып йөрөмә, – тип кәңәш-төңәш бирһәләр ҙә, ул атай йортонан китергә ашыҡманы. Бер уйлаһаң, сығып китеп тә ҡайҙа ғына барып баш төртә инде? Ул осорҙа ҡалаларҙа иң ауыр ваҡыт – дөйөм ятаҡтар юҡ, эшкә лә ала һалып бармайҙар, заводтарҙа эш хаҡы түләнмәй. Эшен тапҡан хәлдә лә, эскән кешене кем тотһон!Ғосман… Ундай кешеләр бүтәндәр өсөн бик ҡулай. Зарланмайҙар, уфтанмайҙар, артығын һорамайҙар. Донъяһы ҡыйралып ятамы, улар өсөн ике донъя – бер мөрйә. Бөгөн тамаҡтары туйһа, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан. Ғосман да шундайға әүерелде, әрһеҙ ине, һеперелеп йөрөп кешегә эшләште. Әжеренә кеме иҫке әйберен бирҙе, кеме эсерҙе.Хәҙер атаһы менән әсәһенә улы ла өҫтәлде. Ҡыҙмаса булып алған егет һүгенә-һүгенә уларҙы алмаш-тилмәш дөмбәҫләй ине. Башы-күҙе күгәргән Сабир ағай, шул ғибрәтте, исмаһам, үҙен үлтерә бәреп тә китмәйҙәр, тип зарлана. Бер күргәндә әсәһенең ҡулы бәйләнгәйне:– Анау ялпашҡыр нәмә утын ағасы менән һындыра һуҡты, – тине ул, күҙ йәштәренә төйөлөп. – Бөгөндән дөмөкһә лә, ыһ та итмәм. Ғосман йыш ҡына өйөнә лә ҡайтып етә алмай урамда тәгәрәй. Бер ҡараһаң, быға аптырайһы ла түгел. Тыуа-тыуғаны бирле талаш-һуғыш, ыҙғыш күреп үҫкән егет башҡа төрлө йәшәй ҙә белмәйҙер.Көндәрҙең береһендә Ғосман тауҙа берәүҙәргә бесән әҙерләшә. Эш бөткәс, зыҡ ҡубып байрам итәләр. Юлда ла эсә-эсә ҡайталар. Шунда ул аты менән ҡаянан оса.Уны һуңғы юлға оҙатҡан ваҡиғаны ауыл халҡы бер ғибрәт итеп һөйләй. Был өйгә тәүгә килеүселәр ундағы бысраҡлыҡты күреп шаҡ ҡата. Тәҙрә өлгөләре ватыҡ. Иҙән мәңге һыу төҫө күрмәгән, ҡырып алмалы булып ҡатҡан. Атай менән әсәй кеше иҫерек, өҫ-баштары бысраҡ. Хатта ашау-эсеү өсөн имен һауыт та юҡ. Күрше-күлән, нәҫел-нәсәбе мәрхүмде ерләү хәстәрен күрә башлай, кемдер кәфенлек тауар алып килә. Әммә мәйетте йыуып бөткәс, ҡараһалар, һалған урынында юҡ. Әсәһе ҡайҙалыр алып сығып китеп, кемгәлер көмөшкәгә алмаштырған. Ул кәфенлекте алып ултырған кешеһен әйт әле! Хатта улдарын һуңғы юлға оҙатырға икеһен дә таба алмағандар. Ауыл осондағы аҡланда иҫереп йоҡлап ятып ҡала атай менән әсәй тигән әҙәмдәр...Ире туҡмап ғәрипләп бөтһә лә, Гөлбәҙәр еңгәй йөрөп ята ине. Ҡышҡы ыжғыр бер көндә ул ҡайтмай. Бер мәл ире уның өйҙә юҡлығын шәйләй. Ул барып-нитеп йөрөгән кешеләрҙән арлы-бирле һораштырған булдылар ҙа, башҡаса әллә ни эҙләп йөрөүсе лә күренмәне шикелле. Милиционерҙар ҙа бер килеп әйләнде лә бүтәнсә йөрөмәнеләр. Бары яҙын ҡар ирей башлағас ҡына, үҙҙәренең ихатаһындағы һарай артындағы тиреҫлектән табып алдылар уны. Ире үлтергәнме, үҙенең ғүмере шунда бөткәнме? “Һуҡыр күрәҙә лә кәрәк түгел, шул иренең генә этлеге инде”, – тип һөйләнде ауыл халҡы.Сабир ағай яңғыҙ ҡалды, был саҡта Ғәзизә күрше ауылда кейәүҙә ине. Хәҙер ир ишараты урам буйынан ҡайтып инмәне. Берәйһе күренәме, ҡырҙан ҡайтып киләме, йәлләтергә теләп, хәлен һөйләй башлай, күҙ йәштәрен һөртөп алған була:– Еңгәң дә үлеп ҡалды, ҡустың да. Хәҙер бер үҙем, ни эшләргә белгән дә юҡ. Ҡана, шунса һум ғына бир әле.Әлбиттә, кеше йәлләй, кемдер бер яртылыҡ һуҙа, кемдер йыуатҡан була:– Ғүмер тигәндәре шулдыр, үлгән артынан үлеп булмай, иҫәндәргә йәшәргә кәрәк.Кемдер ашатып-эсерә, икенселәре һуҡрана, өсөнсөләре күптән мунса күрмәгән ирҙе ҡыуып сығара:– Бар-бар! Донъя һаҫытып йөрөмә, сығып кит! Ниндәй өҙлөкһөҙ теләнселәү, ә? Аслыҡ заманы барҙыр шул! Эшләп ашарға кәрәк! Эт ялҡауы.– Рәхәт шул, ауыҙҙы илгә һалып йөрөгәс.Сабирҙың иртән торғас та өйөнән сығып китеүенә, йә күрше ауылдағы ҡыҙына юлланыуына күрше-тирә ғәҙәтләнеп бөткән. Көндәрҙең береһендә ул күренмәй.– Ошо осор Сабир күҙгә-башҡа салынмайсы...– Эткә буҡ булһынмы ни! Ҡыҙына киткәндер.Хәҙер Сабир йәшәгән йорт ташландыҡ хәлдә, ҡоймалар яртылаш ауған, ҡапҡа һалынып төшкән. Ишек тигән нәмә күптән бикләнмәй, күгәнен кемдер һурып алып киткән. Урам буйында эҫелектән әлһерәгән мал-тыуар уның ихатаһына, һарайына, мунсаһына, хатта өйөнә инеп тула. Бер көн һарығын эҙләп йөрөгән берәү Сабирҙың ихатаһына барып сыға, унан өйөнә инә һәм танауына тын алғыһыҙ еҫ килеп бәрелә. Мал-тыуар үлеп ятамы әллә тип уйлаған әҙәм йорт хужаһының мәйетенә тап була.– Шәриф ағай, һаумы-ы-ы-ы...Ҡапҡа шығырлап асылды ла Ғәзизә менән ире күренде. Бер балаһын етәкләгәндәр, икенсеһен ҡулына күтәргәндәр. Үҙҙәре һалмыш.– Ағай, бынау ҡоймаларҙы тоторға ҡаҙаҡ кәрәк ине, тиҙҙән ауыл байрамы була, атайығыҙҙың донъя тирәһен рәтләгеҙ, тип силсәүит маҙаға тейә. Кисә, штакетник ҡалдырҙыҡ, барып тотоғоҙ, тинеләр. Ҡаҙағын килтермәгәндәр ҙә. Уларға бит аҡса күп бүленә, үҙҙәре ашап бөткәндәрҙер әле. – Ғәзизә тытылдығын сыҡты. Уға ире ҡушылды:– Ярай, тоторбоҙ ҙа, буяуын ҡайҙан табайыҡ? Ул штакетнигы ла әллә етә, әллә юҡ әле.Уны йәнә ҡатыны йөпләне:– Ҡуй инде, ҡуй, нимә юҡ тиһәң, беҙҙә юҡ. Ана, башҡа райондарҙа фис силсәүит үҙе эшләп бирә, ти.“Ни өсөн шундай әҙәмдәр гел кемдәндер көтә икән?” – тип уйланы Шәриф.– Уларҙың ҡайҙан аҡсаһы булһын? – тиеүен әллә ишеттеләр, әллә юҡ.– Ана, үҙҙәренең өйө хан һарайыныҡы кеүек, урлағас, була бит.Ир уларға соланда ятҡан ҡаҙауҙы биреп сығарҙы.– Ярай, ҡоймаларығыҙҙы тотоп ҡуйығыҙ, исмаһам, урам йәмләнеп ҡалыр, һеҙҙең ихата аша бүтәндәрҙең баҡсаһына мал-тыуар тула.Бер аҙҙан йәнә ҡапҡа шығырланы:– Ағай, бынауҙар асыҡтыҡ тип хәлде алды, берәй нәмәгеҙ юҡмы шунда? Ҡала кешеһе бай була торған. Беҙҙә генә эш тә юҡ, көш тә юҡ. – Ғәзизә ауыҙын йырған булды.Балаларының ғына түгел, үҙҙәренең дә тамағын туйҙырғас, Шәриф уларҙы:– Ярай, бөтә һалығыҙ, – тип ҡабаландырҙы.– Эш бүре түгел әле, урманға ҡасмаҫ. – Ғәзизә һарғайып бөткән тештәрен ыржайтып көлдө.Төшкә тиклем тыҡылдығын сыҡтылар ҙа тауыштары тынды. Шәриф хәлдәрен беләйем тип ихаталарына инде, ә улар шау-гөр килеп эсеп ултыра. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тип халыҡ тиккә әйтмәгән икән, тип уйланы ул. Бер аҙҙан ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде, уға сабый илағаны ҡушылды… – Ауылға ҡайтып киләйем әле.Ял көндәре яҡынлашыу менән Шәриф әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғо кисереп ауылына юллана. Йәш үтә барған һайын тыуып-үҫкән яҡтар үҙенә нығыраҡ тарта икән. Атай йорто үткәндәргә алып ҡайта. Бынан алтмыш йыл самаһы элек һалынһа ла, тәрбиәләп-ҡарап торғас, ныҡлы ғына ултыра. Көтөп, ишекте шар асып торған кеше юҡлығын-юҡ та. Атаһы менән әсәһенең гүр эйәһе булыуына шаҡтай инде. Бер туған ағаһы ауылда ҡалғайны ла, ғүмере ҡыҫҡа булды шул. Еңгәһе бәпәй көтә ине.– Балаңды тап, үҙебеҙ ҡарашырбыҙ, бик ауыр тиһәң, беҙгә бирерһең, үҫтерербеҙ, – тигәйнеләр ҙә, тыңламаны. Район үҙәгенә барып, ете айлыҡ ауырын алдырып, икенсе яҡҡа сыҡты ла китте. Хәҙер үҫкән егет булыр ине. Ошолар иҫкә төшһә, уның күңелен ҡаты һағыш сорнап ала.***…Шәриф аҙыҡ-түлек алырға тип ауыл магазинына инде. Халыҡ байтаҡ ине. Бер ҡатындың һатыусы менән дауайлашыуы ишетелде. Һүҙҙәре ҡолаҡты ярып бара:– Йә, бир инде, тим, берәй ярты, нимә йәлләйһең?– Юҡ, юҡ, теге ваҡыт та яҙҙырып алып киткәйнең, әле һаман бирмәгәнһең. Ревизия килһә, нимә тип яуап бирәйем?– Ай Алла! Иртәгә үк килтерәм бына, балалар аҡсаһын алһам.– Балалар аҡсаһын тиһеңме? Һинең былай ҙа бурысың күп, ә ул элеккеһенә етмәйәсәк.– Ни эшләп кеше хәлен аңламайһың ул? Бесән алабыҙ бит. Кешене һыу менән һыйлап булмай.– Алдашаһың! Теге саҡта ла алып киттең дә эсеп йөрөнөң. Ирең өйҙә юҡ, ә һин теләһә кем менән күңел асаһың. Шул аҡсаға балаларыңа тәм-том алыр инең!– Улар былай ҙа ас ултырмай. Ни эшләргә кәрәклеген үҙем дә беләм, как никак дүрт бала үҫтергән әсә бит әле мин. Бишенсеһен дә табырмын, миҙалын да алырмын. Йә, бирәһеңме, юҡмы?– Юҡ, тинем бит!– Кеше түгел икәнһең… – Ҡатын йәнә ялбара башланы:– Йә, бир инде, зинһар!– Йә, мишәйтләмә, ана әллә күпме кеше көтөп тора.– Юҡ, бирмәйенсә барыбер китмәйем. Упсым, бигерәк. Бында ней төшөп ҡалған кеше барҙыр шул. Бына паспортымды ҡалдырам…Араҡы тип һатыусының йәнен алып барған кеше Шәрифтәргә күрше генә өйҙә үҫкән Ғәзизә ине. Һатыусының уны оялтырға теләп:– Ана, Шәриф ағайың тора, оят таһа, гәзиткә яҙыр, – тиеүенә ҡатын уны күреп ҡалды ла, халыҡ араһынан йырмаслап килеп:– А-а-а, күрше ҡайтҡан даһа, – тип Шәрифте ҡосаҡлап уҡ алды. – Бөгөн ҡайттығыҙмы? Хәлдәр нисек? Үҙегеҙҙе күргән дә юҡ. Күрше-тирә яман һағындыра. Исмаһам, бер ултырып алыр инек. – Ҡатындан тын алғыһыҙ әсе еҫ аңҡый ине...***Ғәзизәне йыш күрмәһә лә, ҡайтҡан-киткәндә осратып тора Шәриф. Әле утыҙы тулмаһа ла, өҫ-башы таушалған, оло төҫ ингән. Сәсе ялбыраған, аяғына әллә ниндәй ҡата эләктергән. Өҫтөндәге күлдәгенең төҫө уңған. Үҫмер сағында матур ғына күренгән ҡыҙыҡайҙы алмаштырғандармы ни! Тештәре төшкән. Бындай йәмһеҙ күренештән тиҙерәк ҡотолорға теләгән ир, ярай, мин ҡабаланам тип, алыр әйберен дә алмай магазиндан сығыу яғын ҡараны.Ғәзизә Шәрифтән күпкә кесе. Ауылда өйҙәре бер тирәләрәк булғас, ҡайтып-киткән арала ҡыҙыҡайҙы йыш күрә ине. Уның бәғерҙе телерҙәй итеп: “Ҡотҡарығыҙ, атайым әсәйемде үлтерә-ә-ә!” тип ярҙам һорап, ҡайҙа бәрелергә белмәй урам тултырып һажлап йөрөүе бөгөнгөләй хәтерендә. Йыш ҡына уларға килеп йоҡлай торғайны. Шәрифтең киң күңелле әсәһе уны йәлләй, ашатып-эсерә. Хатта ҡыҙыҡайҙың бер малай менән атай, әсәй булып уйнауын, ҡосаҡлашып йырлай-йырлай “ҡунаҡтан” ҡайтып килеүен мәрәкә күреп ҡарап торғайны ул. Икенсе тапҡыр “ҡунаҡ” саҡырып, әйҙә икәү итәйек, тип дуҫтарын “һыйлағанын” да күрҙе.Мәктәпте бөткәс, ҡалаға китеп ҡарағайны ла, дөмбөрө батманы, бер-ике ай йөрөнөмө-юҡмы, кире әйләнеп ҡайтты. Бер аҙҙан күрше ауыл егетенә кейәүгә сыҡты, хәҙер дүрт балаһы бар.Ғәзизәнең ата-әсәһенең тормошо Шәрифтең күҙ алдынан үтте. Заманына күрә иркен ике яҡлы өй. Атаһы Сабир ағай бер нисә тапҡыр кәләш алып ҡараған. Ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған әҙәм менән кем торһон инде! Кемеһе бер аҙна, икенсеһе бер ай йәшәп ҡарау менән тайыу яғын ҡараған. Ғәзизәнең әсәһе Гөлбәҙәр еңгәйҙе алып ҡайтҡанын яҡшы иҫләй. Уларға еңгә бүләге тип ҡулъяулыҡ та биреп сығарғайны. Күп тә үтмәй тәүге улдары тыуҙы.Ул заманда халыҡ ҡунаҡҡа күп йөрөштө. Көҙөн һуғым мәле оло-ҡара байрамға әүерелә ине, бер-береһенә сиратлашып йөрөп мал һуялар. Феләк тултырып бал ҡоялар ҙа шуны шөпөрәләр генә. Йәнә ауылда Сабир ағайҙың нәҫел-нәсәбе күп. Бер аҙ ҡыҙып алғас, ул гармунда һыҙҙыра, ә ҡатыны йыр башлай. Матур йырлай ине ул. Әсәһе һөйләүенсә, еңгәй тәүҙәрәк эске менән дуҫ булмай. Ҡунаҡтарҙа көсләп-ҡыҫтап эсерәләр уны: кемеһелер йырлап бирә, икенсеһе үпкәләп маташа:– Әҙәмгә һанамаһаң, эсмәйһең инде!– Йә, берҙе генә эс инде, шунан ғына күтәрелеп осмаҫһың әле, – ти береһе. – Суфый булып ултыраһың.Уларға, йәмрәйеп, ире ҡушыла:– Йә, ни ҡыланып килештереп ултырған булаһың! Шәп була берәү, инәлтә!Быларҙың күңеле булһын тип, ул алдындағыһын бер аҙ уртлай ҙа кире ултырта. Килен кешенең хәрәкәтен тишерҙәй булып күҙәтеп ултырғандар йәнә гөжләшә.– Ах-ах, был ни тигән эш була инде, килен?! Һин беҙҙән ҡайһы ерең менән ҡайтыш? Әллә тиң күрмәүеңме?– Шулай шул!– Әйҙә, асыуыңды ҡалдырма!– Юҡ, былай булмай! – Берәүһе стаканды ҡулына уҡ алып, уға һона.– Йә, бөткәнсе, түңкәргәнсе. Әтеү үҙебеҙҙең вызводҡа ҡабул итмәйбеҙ! Ҡара уны, төбөндә ҡалдыраһы булма, әтеү елкәңә ҡоябыҙ!Ахырҙа, күңелдәре булһын тип эсеп ҡуйғас, тағы шаулаша башлайҙар:– Әллә кемдең килене!– Ана шулай!– “Бишле”!– Үҙебеҙҙең генә килен! – Кемелер шарҡылдап көлә.***Ҡунаҡтарҙа ана шулай берәү, икәү итә, “бишле”ләр ала торғас, ул ысынлап эске ҡолона әүерелә. Иртән аҡтарылып килгән башын төҙәтер өсөн күрше-күләнгә юллана. Элек табындарҙа ҡыҫтап-мәжбүрләп эсергән кешеләр хәҙер уларҙан ҡасып ҡотолоу яғын ҡарай. Уны күреп ҡалыу менән, ана, тағы темеҫкенеп йөрөй, тип берәүҙәре ҡапҡаһын бикләргә ашыға, икенселәре балаһын урамға сығара һала.– Өйҙә бер кем дә юҡ, тип әйт! Йөрөмәһен һәрәпселәп. Бында уларға һоҫа һалып бирергә йылға ағып яталыр шул.Һәр саҡ нимәнәндер риза түгел ине Сабир ағай. Гел генә кеше менән була, кемделер “ғибрәт”, “гонаһ шомлоғо” тип әрләй. Айныҡ сағында ла ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған ир, иҫереп алһа, торғаны бер йыртҡысҡа әүерелә. Уларҙың мәжлестәрҙән татыу ғына ҡайтҡаны булдымы икән? Урам буйында уҡ ҡатынын туҡмай-туҡмай, һүгә-һүгә ҡайта. Йә артына тибеп ебәрә, йә башын төйә.– Хайуан!– Мәғәнәһеҙ!Эх, шул Сабирҙың үҙен ауҙара һуғыр ине лә, Шәриф бәләкәй шул.Ихатаһында ҡатынын шарт та шорт туҡмағаны уларға уҡ ишетелә. Ҡулына нимә тап килә, шуны алып елләй, йә сыбыртҡы менән яра. Көрәк, утын ағасы менән туҡмай. Еңгәй, иренән бер башҡа оҙон булһа ла, уға һис бер ҡаршылашмай: “Сабир, ни эшләйһең ул, үлтерәһең бит”, – тиеүҙән ары китмәй. Шулай булһа ла ул башҡалар кеүек ҡасып-боҫоп кешелә йоҡлап йөрөмәне шикелле.Бер мәл урамда ергә һалып туҡмай ҙа Сабир ағай үҙе ҡайҙалыр сығып китә. Уны күрше-тирә күтәреп индереп, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, район үҙәгенә оҙата. Халыҡ араһында, хәле үтә насар, әҙәм булмаҫ ул, тигән хәбәр йөрөһә лә, бер аҙ ваҡыттан ул аҡһай-туҡһай ҡайтты.– Кит, кешенең ғүмере бөтмәһә, үлмәй икән ул, – ти Шәрифтен әсәһе. – Анау Мансур бесәнгә барғанда арбанан осоп төшөп кенә үлде. Шул туҡмауҙарға нисек сыҙай икән? Был тиклем дә һере кеше булыр.Кәкрене ҡәбер генә төҙәтә тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Улар йәнә ҡушарлашып йөрөп эсә башланы. Бахмурҙан үлә яҙып йөрөгәндә Шәрифтәргә лә килеп сығалар.– Апай, баш ҡутарылып килә, әсе-сөсөң юҡмы шунда? – тип мөлдөрәп күҙенә бағалар. – Кисә Мөхтәр ағайҙарға бесән ташышҡайныҡ, күп булған.Әсәһе, уларҙы йәлләп, әҙерәк бал һоҫоп бирә, унан шелтәләй башлай:– Ниңә шул нәмәне эсәһегеҙ, балаларығыҙҙы, донъяғыҙҙы ҡарар инегеҙ. Эскелек йүнлегә килтерәме ни! Ирең эсһә лә, үҙең ауыҙыңа алмаһаң ине. Ҡушарлап йөрөйһөгөҙ бит.– Юҡ, юҡ, – тип тыңлап торған булалар ҙа иртәгәһенә йәнә ҡайҙандыр кәйкәнләй-кәйкәнләй ҡайтып киләләр.Уларҙың дүрт балаһы булды. Өлкән улдарынан һуң бер-бер артлы йәнә ике малайҙары тыуҙы. Әммә кеселәре йәше тулыр-тулмаҫтан ҡапыл ғына үлеп ҡалды. Еңгәй, шул албаҫты ғына баламдың башына етте, ни эшләп һажлап ятаһығыҙ, тип күтәреп алып бәрҙе бит, тип һуңынан илай-илай әсәһенә һөйләгән.– Ниңә шул ҡата башына бирешеп тораһың, ҡулыңа нимә тура килә ал да тондор үҙенә, шунһыҙ аҡылға ултырмаясаҡ, – тигән әсәһе. – Йә ҡайтып кит, бында иҙелеп йәшәргә Никулай заманы барҙыр шул. Һау кешегә эше лә табылып тора.– Эй, кемгә барайым, бер кемем дә юҡ бит минең. Бер ҡайҙа ла китмәйем, һөйәгем сыҡһа ла, ошо өйҙән сыҡһын.Ғәҙәттә, эске менән мауыҡҡан ғаиләләргә күрше-күлән кереп бармай. Әсәһе уларға йыш ингеләне. Бер мәл ярһып-ярһып бала илағаны ишетелгәс:– Бер-бер хәл булдымы икән? – тип инеп китте. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан ул ҡулына Ғәзизәне күтәреп, йыуата-йыуата килеп сыҡты.– Йә, йә, сеү, хәҙер мәм-мәм бирәм. – Унан йыуатып, йыуындырып, ашатып-эсереп һалғас, бала иҙрәп йоҡлап китте.– Кит, Хоҙайым, был килендең йәне юҡтыр ул. Ошо сабыйҙы ни йөрәге менән өйҙә ҡалдырып, урам буйында йөрөйҙөр. Хайуан да балаһын улай ташлап китмәй. Өйҙәренә инһәм, себен мыжғып тора, бала илауҙан шешенеп, бүртенеп бөткән. Ҡуй, ҡуй, был тиклем дә оятһыҙ кеше булыр икән. Ярай, ире алкаш ти, ә ниңә уға уның ыңғайына ауыҙын һәлберәтеп, темеҫкенеп эсеп йөрөргә. Әҙәм түгел икән!Элек эсһәләр ҙә, яҙын йәшелсә, емеш-еләк, бәрәңгеһен ултырталар ине. Әле итен, әле бәрәңгеһен бер-береһенән йәшереп, көмөшкәгә алмаштыралар. Тора-бирә улар бөтөнләй эскелек һаҙлығына батты. Бер аҙҙан мал-тыуар бөттө, ҡош-ҡорт юҡҡа сыҡты. Өй эсе йыйыштырылманы. Пәрҙәләр һалынып төштө, иҙәнгә бер иле батҡаҡ ятты. Өйҙә түшәк кеүек нәмә, һауыт-һаба юҡ, түләмәгән өсөн электр сымын да өҙөп киттеләр... ***Өлкән улдары Ғосмандың ғүмере аяныслы өҙөлдө. Зирәк малай ине, һәйбәт уҡыны. Армиянан ҡайтҡас, күрше-тирә, бында ҡалһа, бөтә инде, тип һөйләнде. Шуға ла уға:– Балаҡай, ҡырға кит, кәм-хур булып йөрөмә, – тип кәңәш-төңәш бирһәләр ҙә, ул атай йортонан китергә ашыҡманы. Бер уйлаһаң, сығып китеп тә ҡайҙа ғына барып баш төртә инде? Ул осорҙа ҡалаларҙа иң ауыр ваҡыт – дөйөм ятаҡтар юҡ, эшкә лә ала һалып бармайҙар, заводтарҙа эш хаҡы түләнмәй. Эшен тапҡан хәлдә лә, эскән кешене кем тотһон!Ғосман… Ундай кешеләр бүтәндәр өсөн бик ҡулай. Зарланмайҙар, уфтанмайҙар, артығын һорамайҙар. Донъяһы ҡыйралып ятамы, улар өсөн ике донъя – бер мөрйә. Бөгөн тамаҡтары туйһа, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан. Ғосман да шундайға әүерелде, әрһеҙ ине, һеперелеп йөрөп кешегә эшләште. Әжеренә кеме иҫке әйберен бирҙе, кеме эсерҙе.Хәҙер атаһы менән әсәһенә улы ла өҫтәлде. Ҡыҙмаса булып алған егет һүгенә-һүгенә уларҙы алмаш-тилмәш дөмбәҫләй ине. Башы-күҙе күгәргән Сабир ағай, шул ғибрәтте, исмаһам, үҙен үлтерә бәреп тә китмәйҙәр, тип зарлана. Бер күргәндә әсәһенең ҡулы бәйләнгәйне:– Анау ялпашҡыр нәмә утын ағасы менән һындыра һуҡты, – тине ул, күҙ йәштәренә төйөлөп. – Бөгөндән дөмөкһә лә, ыһ та итмәм. Ғосман йыш ҡына өйөнә лә ҡайтып етә алмай урамда тәгәрәй. Бер ҡараһаң, быға аптырайһы ла түгел. Тыуа-тыуғаны бирле талаш-һуғыш, ыҙғыш күреп үҫкән егет башҡа төрлө йәшәй ҙә белмәйҙер.Көндәрҙең береһендә Ғосман тауҙа берәүҙәргә бесән әҙерләшә. Эш бөткәс, зыҡ ҡубып байрам итәләр. Юлда ла эсә-эсә ҡайталар. Шунда ул аты менән ҡаянан оса.Уны һуңғы юлға оҙатҡан ваҡиғаны ауыл халҡы бер ғибрәт итеп һөйләй. Был өйгә тәүгә килеүселәр ундағы бысраҡлыҡты күреп шаҡ ҡата. Тәҙрә өлгөләре ватыҡ. Иҙән мәңге һыу төҫө күрмәгән, ҡырып алмалы булып ҡатҡан. Атай менән әсәй кеше иҫерек, өҫ-баштары бысраҡ. Хатта ашау-эсеү өсөн имен һауыт та юҡ. Күрше-күлән, нәҫел-нәсәбе мәрхүмде ерләү хәстәрен күрә башлай, кемдер кәфенлек тауар алып килә. Әммә мәйетте йыуып бөткәс, ҡараһалар, һалған урынында юҡ. Әсәһе ҡайҙалыр алып сығып китеп, кемгәлер көмөшкәгә алмаштырған. Ул кәфенлекте алып ултырған кешеһен әйт әле! Хатта улдарын һуңғы юлға оҙатырға икеһен дә таба алмағандар. Ауыл осондағы аҡланда иҫереп йоҡлап ятып ҡала атай менән әсәй тигән әҙәмдәр...Ире туҡмап ғәрипләп бөтһә лә, Гөлбәҙәр еңгәй йөрөп ята ине. Ҡышҡы ыжғыр бер көндә ул ҡайтмай. Бер мәл ире уның өйҙә юҡлығын шәйләй. Ул барып-нитеп йөрөгән кешеләрҙән арлы-бирле һораштырған булдылар ҙа, башҡаса әллә ни эҙләп йөрөүсе лә күренмәне шикелле. Милиционерҙар ҙа бер килеп әйләнде лә бүтәнсә йөрөмәнеләр. Бары яҙын ҡар ирей башлағас ҡына, үҙҙәренең ихатаһындағы һарай артындағы тиреҫлектән табып алдылар уны. Ире үлтергәнме, үҙенең ғүмере шунда бөткәнме? “Һуҡыр күрәҙә лә кәрәк түгел, шул иренең генә этлеге инде”, – тип һөйләнде ауыл халҡы.Сабир ағай яңғыҙ ҡалды, был саҡта Ғәзизә күрше ауылда кейәүҙә ине. Хәҙер ир ишараты урам буйынан ҡайтып инмәне. Берәйһе күренәме, ҡырҙан ҡайтып киләме, йәлләтергә теләп, хәлен һөйләй башлай, күҙ йәштәрен һөртөп алған була:– Еңгәң дә үлеп ҡалды, ҡустың да. Хәҙер бер үҙем, ни эшләргә белгән дә юҡ. Ҡана, шунса һум ғына бир әле.Әлбиттә, кеше йәлләй, кемдер бер яртылыҡ һуҙа, кемдер йыуатҡан була:– Ғүмер тигәндәре шулдыр, үлгән артынан үлеп булмай, иҫәндәргә йәшәргә кәрәк.Кемдер ашатып-эсерә, икенселәре һуҡрана, өсөнсөләре күптән мунса күрмәгән ирҙе ҡыуып сығара:– Бар-бар! Донъя һаҫытып йөрөмә, сығып кит! Ниндәй өҙлөкһөҙ теләнселәү, ә? Аслыҡ заманы барҙыр шул! Эшләп ашарға кәрәк! Эт ялҡауы.– Рәхәт шул, ауыҙҙы илгә һалып йөрөгәс.Сабирҙың иртән торғас та өйөнән сығып китеүенә, йә күрше ауылдағы ҡыҙына юлланыуына күрше-тирә ғәҙәтләнеп бөткән. Көндәрҙең береһендә ул күренмәй.– Ошо осор Сабир күҙгә-башҡа салынмайсы...– Эткә буҡ булһынмы ни! Ҡыҙына киткәндер.Хәҙер Сабир йәшәгән йорт ташландыҡ хәлдә, ҡоймалар яртылаш ауған, ҡапҡа һалынып төшкән. Ишек тигән нәмә күптән бикләнмәй, күгәнен кемдер һурып алып киткән. Урам буйында эҫелектән әлһерәгән мал-тыуар уның ихатаһына, һарайына, мунсаһына, хатта өйөнә инеп тула. Бер көн һарығын эҙләп йөрөгән берәү Сабирҙың ихатаһына барып сыға, унан өйөнә инә һәм танауына тын алғыһыҙ еҫ килеп бәрелә. Мал-тыуар үлеп ятамы әллә тип уйлаған әҙәм йорт хужаһының мәйетенә тап була.– Шәриф ағай, һаумы-ы-ы-ы...Ҡапҡа шығырлап асылды ла Ғәзизә менән ире күренде. Бер балаһын етәкләгәндәр, икенсеһен ҡулына күтәргәндәр. Үҙҙәре һалмыш.– Ағай, бынау ҡоймаларҙы тоторға ҡаҙаҡ кәрәк ине, тиҙҙән ауыл байрамы була, атайығыҙҙың донъя тирәһен рәтләгеҙ, тип силсәүит маҙаға тейә. Кисә, штакетник ҡалдырҙыҡ, барып тотоғоҙ, тинеләр. Ҡаҙағын килтермәгәндәр ҙә. Уларға бит аҡса күп бүленә, үҙҙәре ашап бөткәндәрҙер әле. – Ғәзизә тытылдығын сыҡты. Уға ире ҡушылды:– Ярай, тоторбоҙ ҙа, буяуын ҡайҙан табайыҡ? Ул штакетнигы ла әллә етә, әллә юҡ әле.Уны йәнә ҡатыны йөпләне:– Ҡуй инде, ҡуй, нимә юҡ тиһәң, беҙҙә юҡ. Ана, башҡа райондарҙа фис силсәүит үҙе эшләп бирә, ти.“Ни өсөн шундай әҙәмдәр гел кемдәндер көтә икән?” – тип уйланы Шәриф.– Уларҙың ҡайҙан аҡсаһы булһын? – тиеүен әллә ишеттеләр, әллә юҡ.– Ана, үҙҙәренең өйө хан һарайыныҡы кеүек, урлағас, була бит.Ир уларға соланда ятҡан ҡаҙауҙы биреп сығарҙы.– Ярай, ҡоймаларығыҙҙы тотоп ҡуйығыҙ, исмаһам, урам йәмләнеп ҡалыр, һеҙҙең ихата аша бүтәндәрҙең баҡсаһына мал-тыуар тула.Бер аҙҙан йәнә ҡапҡа шығырланы:– Ағай, бынауҙар асыҡтыҡ тип хәлде алды, берәй нәмәгеҙ юҡмы шунда? Ҡала кешеһе бай була торған. Беҙҙә генә эш тә юҡ, көш тә юҡ. – Ғәзизә ауыҙын йырған булды.Балаларының ғына түгел, үҙҙәренең дә тамағын туйҙырғас, Шәриф уларҙы:– Ярай, бөтә һалығыҙ, – тип ҡабаландырҙы.– Эш бүре түгел әле, урманға ҡасмаҫ. – Ғәзизә һарғайып бөткән тештәрен ыржайтып көлдө.Төшкә тиклем тыҡылдығын сыҡтылар ҙа тауыштары тынды. Шәриф хәлдәрен беләйем тип ихаталарына инде, ә улар шау-гөр килеп эсеп ултыра. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тип халыҡ тиккә әйтмәгән икән, тип уйланы ул. Бер аҙҙан ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде, уға сабый илағаны ҡушылды… -Йә, бөткәнсе, түңкәргәнсе. Әтеү үҙебеҙҙең вызводҡа ҡабул итмәйбеҙ! Ҡара уны, төбөндә ҡалдыраһы булма, әтеү елкәңә ҡоябыҙ! – Ауылға ҡайтып киләйем әле. Ял көндәре яҡынлашыу менән Шәриф әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғо кисереп ауылына юллана. Йәш үтә барған һайын тыуып-үҫкән яҡтар үҙенә нығыраҡ тарта икән. Атай йорто үткәндәргә алып ҡайта. Бынан алтмыш йыл самаһы элек һалынһа ла, тәрбиәләп-ҡарап торғас, ныҡлы ғына ултыра. Көтөп, ишекте шар асып торған кеше юҡлығын-юҡ та. Атаһы менән әсәһенең гүр эйәһе булыуына шаҡтай инде. Бер туған ағаһы ауылда ҡалғайны ла, ғүмере ҡыҫҡа булды шул. Еңгәһе бәпәй көтә ине. – Балаңды тап, үҙебеҙ ҡарашырбыҙ, бик ауыр тиһәң, беҙгә бирерһең, үҫтерербеҙ, – тигәйнеләр ҙә, тыңламаны. Район үҙәгенә барып, ете айлыҡ ауырын алдырып, икенсе яҡҡа сыҡты ла китте. Хәҙер үҫкән егет булыр ине. Ошолар иҫкә төшһә, уның күңелен ҡаты һағыш сорнап ала. *** …Шәриф аҙыҡ-түлек алырға тип ауыл магазинына инде. Халыҡ байтаҡ ине. Бер ҡатындың һатыусы менән дауайлашыуы ишетелде. Һүҙҙәре ҡолаҡты ярып бара: – Йә, бир инде, тим, берәй ярты, нимә йәлләйһең? – Юҡ, юҡ, теге ваҡыт та яҙҙырып алып киткәйнең, әле һаман бирмәгәнһең. Ревизия килһә, нимә тип яуап бирәйем? – Ай Алла! Иртәгә үк килтерәм бына, балалар аҡсаһын алһам. – Балалар аҡсаһын тиһеңме? Һинең былай ҙа бурысың күп, ә ул элеккеһенә етмәйәсәк. – Ни эшләп кеше хәлен аңламайһың ул? Бесән алабыҙ бит. Кешене һыу менән һыйлап булмай. – Алдашаһың! Теге саҡта ла алып киттең дә эсеп йөрөнөң. Ирең өйҙә юҡ, ә һин теләһә кем менән күңел асаһың. Шул аҡсаға балаларыңа тәм-том алыр инең! – Улар былай ҙа ас ултырмай. Ни эшләргә кәрәклеген үҙем дә беләм, как никак дүрт бала үҫтергән әсә бит әле мин. Бишенсеһен дә табырмын, миҙалын да алырмын. Йә, бирәһеңме, юҡмы? – Юҡ, тинем бит! – Кеше түгел икәнһең… – Ҡатын йәнә ялбара башланы: – Йә, бир инде, зинһар! – Йә, мишәйтләмә, ана әллә күпме кеше көтөп тора. – Юҡ, бирмәйенсә барыбер китмәйем. Упсым, бигерәк. Бында ней төшөп ҡалған кеше барҙыр шул. Бына паспортымды ҡалдырам… Араҡы тип һатыусының йәнен алып барған кеше Шәрифтәргә күрше генә өйҙә үҫкән Ғәзизә ине. Һатыусының уны оялтырға теләп: – Ана, Шәриф ағайың тора, оят таһа, гәзиткә яҙыр, – тиеүенә ҡатын уны күреп ҡалды ла, халыҡ араһынан йырмаслап килеп: – А-а-а, күрше ҡайтҡан даһа, – тип Шәрифте ҡосаҡлап уҡ алды. – Бөгөн ҡайттығыҙмы? Хәлдәр нисек? Үҙегеҙҙе күргән дә юҡ. Күрше-тирә яман һағындыра. Исмаһам, бер ултырып алыр инек. – Ҡатындан тын алғыһыҙ әсе еҫ аңҡый ине... *** Ғәзизәне йыш күрмәһә лә, ҡайтҡан-киткәндә осратып тора Шәриф. Әле утыҙы тулмаһа ла, өҫ-башы таушалған, оло төҫ ингән. Сәсе ялбыраған, аяғына әллә ниндәй ҡата эләктергән. Өҫтөндәге күлдәгенең төҫө уңған. Үҫмер сағында матур ғына күренгән ҡыҙыҡайҙы алмаштырғандармы ни! Тештәре төшкән. Бындай йәмһеҙ күренештән тиҙерәк ҡотолорға теләгән ир, ярай, мин ҡабаланам тип, алыр әйберен дә алмай магазиндан сығыу яғын ҡараны. Ғәзизә Шәрифтән күпкә кесе. Ауылда өйҙәре бер тирәләрәк булғас, ҡайтып-киткән арала ҡыҙыҡайҙы йыш күрә ине. Уның бәғерҙе телерҙәй итеп: “Ҡотҡарығыҙ, атайым әсәйемде үлтерә-ә-ә!” тип ярҙам һорап, ҡайҙа бәрелергә белмәй урам тултырып һажлап йөрөүе бөгөнгөләй хәтерендә. Йыш ҡына уларға килеп йоҡлай торғайны. Шәрифтең киң күңелле әсәһе уны йәлләй, ашатып-эсерә. Хатта ҡыҙыҡайҙың бер малай менән атай, әсәй булып уйнауын, ҡосаҡлашып йырлай-йырлай “ҡунаҡтан” ҡайтып килеүен мәрәкә күреп ҡарап торғайны ул. Икенсе тапҡыр “ҡунаҡ” саҡырып, әйҙә икәү итәйек, тип дуҫтарын “һыйлағанын” да күрҙе. Мәктәпте бөткәс, ҡалаға китеп ҡарағайны ла, дөмбөрө батманы, бер-ике ай йөрөнөмө-юҡмы, кире әйләнеп ҡайтты. Бер аҙҙан күрше ауыл егетенә кейәүгә сыҡты, хәҙер дүрт балаһы бар. Ғәзизәнең ата-әсәһенең тормошо Шәрифтең күҙ алдынан үтте. Заманына күрә иркен ике яҡлы өй. Атаһы Сабир ағай бер нисә тапҡыр кәләш алып ҡараған. Ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған әҙәм менән кем торһон инде! Кемеһе бер аҙна, икенсеһе бер ай йәшәп ҡарау менән тайыу яғын ҡараған. Ғәзизәнең әсәһе Гөлбәҙәр еңгәйҙе алып ҡайтҡанын яҡшы иҫләй. Уларға еңгә бүләге тип ҡулъяулыҡ та биреп сығарғайны. Күп тә үтмәй тәүге улдары тыуҙы. Ул заманда халыҡ ҡунаҡҡа күп йөрөштө. Көҙөн һуғым мәле оло-ҡара байрамға әүерелә ине, бер-береһенә сиратлашып йөрөп мал һуялар. Феләк тултырып бал ҡоялар ҙа шуны шөпөрәләр генә. Йәнә ауылда Сабир ағайҙың нәҫел-нәсәбе күп. Бер аҙ ҡыҙып алғас, ул гармунда һыҙҙыра, ә ҡатыны йыр башлай. Матур йырлай ине ул. Әсәһе һөйләүенсә, еңгәй тәүҙәрәк эске менән дуҫ булмай. Ҡунаҡтарҙа көсләп-ҡыҫтап эсерәләр уны: кемеһелер йырлап бирә, икенсеһе үпкәләп маташа: – Әҙәмгә һанамаһаң, эсмәйһең инде! – Йә, берҙе генә эс инде, шунан ғына күтәрелеп осмаҫһың әле, – ти береһе. – Суфый булып ултыраһың. Уларға, йәмрәйеп, ире ҡушыла: – Йә, ни ҡыланып килештереп ултырған булаһың! Шәп була берәү, инәлтә! Быларҙың күңеле булһын тип, ул алдындағыһын бер аҙ уртлай ҙа кире ултырта. Килен кешенең хәрәкәтен тишерҙәй булып күҙәтеп ултырғандар йәнә гөжләшә. – Ах-ах, был ни тигән эш була инде, килен?! Һин беҙҙән ҡайһы ерең менән ҡайтыш? Әллә тиң күрмәүеңме? – Шулай шул! – Әйҙә, асыуыңды ҡалдырма! – Юҡ, былай булмай! – Берәүһе стаканды ҡулына уҡ алып, уға һона. – Йә, бөткәнсе, түңкәргәнсе. Әтеү үҙебеҙҙең вызводҡа ҡабул итмәйбеҙ! Ҡара уны, төбөндә ҡалдыраһы булма, әтеү елкәңә ҡоябыҙ! Ахырҙа, күңелдәре булһын тип эсеп ҡуйғас, тағы шаулаша башлайҙар: – Әллә кемдең килене! – Ана шулай! – “Бишле”! – Үҙебеҙҙең генә килен! – Кемелер шарҡылдап көлә. *** Ҡунаҡтарҙа ана шулай берәү, икәү итә, “бишле”ләр ала торғас, ул ысынлап эске ҡолона әүерелә. Иртән аҡтарылып килгән башын төҙәтер өсөн күрше-күләнгә юллана. Элек табындарҙа ҡыҫтап-мәжбүрләп эсергән кешеләр хәҙер уларҙан ҡасып ҡотолоу яғын ҡарай. Уны күреп ҡалыу менән, ана, тағы темеҫкенеп йөрөй, тип берәүҙәре ҡапҡаһын бикләргә ашыға, икенселәре балаһын урамға сығара һала. – Өйҙә бер кем дә юҡ, тип әйт! Йөрөмәһен һәрәпселәп. Бында уларға һоҫа һалып бирергә йылға ағып яталыр шул. Һәр саҡ нимәнәндер риза түгел ине Сабир ағай. Гел генә кеше менән була, кемделер “ғибрәт”, “гонаһ шомлоғо” тип әрләй. Айныҡ сағында ла ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған ир, иҫереп алһа, торғаны бер йыртҡысҡа әүерелә. Уларҙың мәжлестәрҙән татыу ғына ҡайтҡаны булдымы икән? Урам буйында уҡ ҡатынын туҡмай-туҡмай, һүгә-һүгә ҡайта. Йә артына тибеп ебәрә, йә башын төйә. – Хайуан! – Мәғәнәһеҙ! Эх, шул Сабирҙың үҙен ауҙара һуғыр ине лә, Шәриф бәләкәй шул. Ихатаһында ҡатынын шарт та шорт туҡмағаны уларға уҡ ишетелә. Ҡулына нимә тап килә, шуны алып елләй, йә сыбыртҡы менән яра. Көрәк, утын ағасы менән туҡмай. Еңгәй, иренән бер башҡа оҙон булһа ла, уға һис бер ҡаршылашмай: “Сабир, ни эшләйһең ул, үлтерәһең бит”, – тиеүҙән ары китмәй. Шулай булһа ла ул башҡалар кеүек ҡасып-боҫоп кешелә йоҡлап йөрөмәне шикелле. Бер мәл урамда ергә һалып туҡмай ҙа Сабир ағай үҙе ҡайҙалыр сығып китә. Уны күрше-тирә күтәреп индереп, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, район үҙәгенә оҙата. Халыҡ араһында, хәле үтә насар, әҙәм булмаҫ ул, тигән хәбәр йөрөһә лә, бер аҙ ваҡыттан ул аҡһай-туҡһай ҡайтты. – Кит, кешенең ғүмере бөтмәһә, үлмәй икән ул, – ти Шәрифтен әсәһе. – Анау Мансур бесәнгә барғанда арбанан осоп төшөп кенә үлде. Шул туҡмауҙарға нисек сыҙай икән? Был тиклем дә һере кеше булыр. Кәкрене ҡәбер генә төҙәтә тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Улар йәнә ҡушарлашып йөрөп эсә башланы. Бахмурҙан үлә яҙып йөрөгәндә Шәрифтәргә лә килеп сығалар. – Апай, баш ҡутарылып килә, әсе-сөсөң юҡмы шунда? – тип мөлдөрәп күҙенә бағалар. – Кисә Мөхтәр ағайҙарға бесән ташышҡайныҡ, күп булған. Әсәһе, уларҙы йәлләп, әҙерәк бал һоҫоп бирә, унан шелтәләй башлай: – Ниңә шул нәмәне эсәһегеҙ, балаларығыҙҙы, донъяғыҙҙы ҡарар инегеҙ. Эскелек йүнлегә килтерәме ни! Ирең эсһә лә, үҙең ауыҙыңа алмаһаң ине. Ҡушарлап йөрөйһөгөҙ бит. – Юҡ, юҡ, – тип тыңлап торған булалар ҙа иртәгәһенә йәнә ҡайҙандыр кәйкәнләй-кәйкәнләй ҡайтып киләләр. Уларҙың дүрт балаһы булды. Өлкән улдарынан һуң бер-бер артлы йәнә ике малайҙары тыуҙы. Әммә кеселәре йәше тулыр-тулмаҫтан ҡапыл ғына үлеп ҡалды. Еңгәй, шул албаҫты ғына баламдың башына етте, ни эшләп һажлап ятаһығыҙ, тип күтәреп алып бәрҙе бит, тип һуңынан илай-илай әсәһенә һөйләгән. – Ниңә шул ҡата башына бирешеп тораһың, ҡулыңа нимә тура килә ал да тондор үҙенә, шунһыҙ аҡылға ултырмаясаҡ, – тигән әсәһе. – Йә ҡайтып кит, бында иҙелеп йәшәргә Никулай заманы барҙыр шул. Һау кешегә эше лә табылып тора. – Эй, кемгә барайым, бер кемем дә юҡ бит минең. Бер ҡайҙа ла китмәйем, һөйәгем сыҡһа ла, ошо өйҙән сыҡһын. Ғәҙәттә, эске менән мауыҡҡан ғаиләләргә күрше-күлән кереп бармай. Әсәһе уларға йыш ингеләне. Бер мәл ярһып-ярһып бала илағаны ишетелгәс: – Бер-бер хәл булдымы икән? – тип инеп китте. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан ул ҡулына Ғәзизәне күтәреп, йыуата-йыуата килеп сыҡты. – Йә, йә, сеү, хәҙер мәм-мәм бирәм. – Унан йыуатып, йыуындырып, ашатып-эсереп һалғас, бала иҙрәп йоҡлап китте. – Кит, Хоҙайым, был килендең йәне юҡтыр ул. Ошо сабыйҙы ни йөрәге менән өйҙә ҡалдырып, урам буйында йөрөйҙөр. Хайуан да балаһын улай ташлап китмәй. Өйҙәренә инһәм, себен мыжғып тора, бала илауҙан шешенеп, бүртенеп бөткән. Ҡуй, ҡуй, был тиклем дә оятһыҙ кеше булыр икән. Ярай, ире алкаш ти, ә ниңә уға уның ыңғайына ауыҙын һәлберәтеп, темеҫкенеп эсеп йөрөргә. Әҙәм түгел икән! Элек эсһәләр ҙә, яҙын йәшелсә, емеш-еләк, бәрәңгеһен ултырталар ине. Әле итен, әле бәрәңгеһен бер-береһенән йәшереп, көмөшкәгә алмаштыралар. Тора-бирә улар бөтөнләй эскелек һаҙлығына батты. Бер аҙҙан мал-тыуар бөттө, ҡош-ҡорт юҡҡа сыҡты. Өй эсе йыйыштырылманы. Пәрҙәләр һалынып төштө, иҙәнгә бер иле батҡаҡ ятты. Өйҙә түшәк кеүек нәмә, һауыт-һаба юҡ, түләмәгән өсөн электр сымын да өҙөп киттеләр... *** Өлкән улдары Ғосмандың ғүмере аяныслы өҙөлдө. Зирәк малай ине, һәйбәт уҡыны. Армиянан ҡайтҡас, күрше-тирә, бында ҡалһа, бөтә инде, тип һөйләнде. Шуға ла уға: – Балаҡай, ҡырға кит, кәм-хур булып йөрөмә, – тип кәңәш-төңәш бирһәләр ҙә, ул атай йортонан китергә ашыҡманы. Бер уйлаһаң, сығып китеп тә ҡайҙа ғына барып баш төртә инде? Ул осорҙа ҡалаларҙа иң ауыр ваҡыт – дөйөм ятаҡтар юҡ, эшкә лә ала һалып бармайҙар, заводтарҙа эш хаҡы түләнмәй. Эшен тапҡан хәлдә лә, эскән кешене кем тотһон! Ғосман… Ундай кешеләр бүтәндәр өсөн бик ҡулай. Зарланмайҙар, уфтанмайҙар, артығын һорамайҙар. Донъяһы ҡыйралып ятамы, улар өсөн ике донъя – бер мөрйә. Бөгөн тамаҡтары туйһа, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан. Ғосман да шундайға әүерелде, әрһеҙ ине, һеперелеп йөрөп кешегә эшләште. Әжеренә кеме иҫке әйберен бирҙе, кеме эсерҙе. Хәҙер атаһы менән әсәһенә улы ла өҫтәлде. Ҡыҙмаса булып алған егет һүгенә-һүгенә уларҙы алмаш-тилмәш дөмбәҫләй ине. Башы-күҙе күгәргән Сабир ағай, шул ғибрәтте, исмаһам, үҙен үлтерә бәреп тә китмәйҙәр, тип зарлана. Бер күргәндә әсәһенең ҡулы бәйләнгәйне: – Анау ялпашҡыр нәмә утын ағасы менән һындыра һуҡты, – тине ул, күҙ йәштәренә төйөлөп. – Бөгөндән дөмөкһә лә, ыһ та итмәм. Ғосман йыш ҡына өйөнә лә ҡайтып етә алмай урамда тәгәрәй. Бер ҡараһаң, быға аптырайһы ла түгел. Тыуа-тыуғаны бирле талаш-һуғыш, ыҙғыш күреп үҫкән егет башҡа төрлө йәшәй ҙә белмәйҙер. Көндәрҙең береһендә Ғосман тауҙа берәүҙәргә бесән әҙерләшә. Эш бөткәс, зыҡ ҡубып байрам итәләр. Юлда ла эсә-эсә ҡайталар. Шунда ул аты менән ҡаянан оса. Уны һуңғы юлға оҙатҡан ваҡиғаны ауыл халҡы бер ғибрәт итеп һөйләй. Был өйгә тәүгә килеүселәр ундағы бысраҡлыҡты күреп шаҡ ҡата. Тәҙрә өлгөләре ватыҡ. Иҙән мәңге һыу төҫө күрмәгән, ҡырып алмалы булып ҡатҡан. Атай менән әсәй кеше иҫерек, өҫ-баштары бысраҡ. Хатта ашау-эсеү өсөн имен һауыт та юҡ. Күрше-күлән, нәҫел-нәсәбе мәрхүмде ерләү хәстәрен күрә башлай, кемдер кәфенлек тауар алып килә. Әммә мәйетте йыуып бөткәс, ҡараһалар, һалған урынында юҡ. Әсәһе ҡайҙалыр алып сығып китеп, кемгәлер көмөшкәгә алмаштырған. Ул кәфенлекте алып ултырған кешеһен әйт әле! Хатта улдарын һуңғы юлға оҙатырға икеһен дә таба алмағандар. Ауыл осондағы аҡланда иҫереп йоҡлап ятып ҡала атай менән әсәй тигән әҙәмдәр... Ире туҡмап ғәрипләп бөтһә лә, Гөлбәҙәр еңгәй йөрөп ята ине. Ҡышҡы ыжғыр бер көндә ул ҡайтмай. Бер мәл ире уның өйҙә юҡлығын шәйләй. Ул барып-нитеп йөрөгән кешеләрҙән арлы-бирле һораштырған булдылар ҙа, башҡаса әллә ни эҙләп йөрөүсе лә күренмәне шикелле. Милиционерҙар ҙа бер килеп әйләнде лә бүтәнсә йөрөмәнеләр. Бары яҙын ҡар ирей башлағас ҡына, үҙҙәренең ихатаһындағы һарай артындағы тиреҫлектән табып алдылар уны. Ире үлтергәнме, үҙенең ғүмере шунда бөткәнме? “Һуҡыр күрәҙә лә кәрәк түгел, шул иренең генә этлеге инде”, – тип һөйләнде ауыл халҡы. Сабир ағай яңғыҙ ҡалды, был саҡта Ғәзизә күрше ауылда кейәүҙә ине. Хәҙер ир ишараты урам буйынан ҡайтып инмәне. Берәйһе күренәме, ҡырҙан ҡайтып киләме, йәлләтергә теләп, хәлен һөйләй башлай, күҙ йәштәрен һөртөп алған була: – Еңгәң дә үлеп ҡалды, ҡустың да. Хәҙер бер үҙем, ни эшләргә белгән дә юҡ. Ҡана, шунса һум ғына бир әле. Әлбиттә, кеше йәлләй, кемдер бер яртылыҡ һуҙа, кемдер йыуатҡан була: – Ғүмер тигәндәре шулдыр, үлгән артынан үлеп булмай, иҫәндәргә йәшәргә кәрәк. Кемдер ашатып-эсерә, икенселәре һуҡрана, өсөнсөләре күптән мунса күрмәгән ирҙе ҡыуып сығара: – Бар-бар! Донъя һаҫытып йөрөмә, сығып кит! Ниндәй өҙлөкһөҙ теләнселәү, ә? Аслыҡ заманы барҙыр шул! Эшләп ашарға кәрәк! Эт ялҡауы. – Рәхәт шул, ауыҙҙы илгә һалып йөрөгәс. Сабирҙың иртән торғас та өйөнән сығып китеүенә, йә күрше ауылдағы ҡыҙына юлланыуына күрше-тирә ғәҙәтләнеп бөткән. Көндәрҙең береһендә ул күренмәй. – Ошо осор Сабир күҙгә-башҡа салынмайсы... – Эткә буҡ булһынмы ни! Ҡыҙына киткәндер. Хәҙер Сабир йәшәгән йорт ташландыҡ хәлдә, ҡоймалар яртылаш ауған, ҡапҡа һалынып төшкән. Ишек тигән нәмә күптән бикләнмәй, күгәнен кемдер һурып алып киткән. Урам буйында эҫелектән әлһерәгән мал-тыуар уның ихатаһына, һарайына, мунсаһына, хатта өйөнә инеп тула. Бер көн һарығын эҙләп йөрөгән берәү Сабирҙың ихатаһына барып сыға, унан өйөнә инә һәм танауына тын алғыһыҙ еҫ килеп бәрелә. Мал-тыуар үлеп ятамы әллә тип уйлаған әҙәм йорт хужаһының мәйетенә тап була. – Шәриф ағай, һаумы-ы-ы-ы... Ҡапҡа шығырлап асылды ла Ғәзизә менән ире күренде. Бер балаһын етәкләгәндәр, икенсеһен ҡулына күтәргәндәр. Үҙҙәре һалмыш. – Ағай, бынау ҡоймаларҙы тоторға ҡаҙаҡ кәрәк ине, тиҙҙән ауыл байрамы була, атайығыҙҙың донъя тирәһен рәтләгеҙ, тип силсәүит маҙаға тейә. Кисә, штакетник ҡалдырҙыҡ, барып тотоғоҙ, тинеләр. Ҡаҙағын килтермәгәндәр ҙә. Уларға бит аҡса күп бүленә, үҙҙәре ашап бөткәндәрҙер әле. – Ғәзизә тытылдығын сыҡты. Уға ире ҡушылды: – Ярай, тоторбоҙ ҙа, буяуын ҡайҙан табайыҡ? Ул штакетнигы ла әллә етә, әллә юҡ әле. Уны йәнә ҡатыны йөпләне: – Ҡуй инде, ҡуй, нимә юҡ тиһәң, беҙҙә юҡ. Ана, башҡа райондарҙа фис силсәүит үҙе эшләп бирә, ти. “Ни өсөн шундай әҙәмдәр гел кемдәндер көтә икән?” – тип уйланы Шәриф. – Уларҙың ҡайҙан аҡсаһы булһын? – тиеүен әллә ишеттеләр, әллә юҡ. – Ана, үҙҙәренең өйө хан һарайыныҡы кеүек, урлағас, була бит. Ир уларға соланда ятҡан ҡаҙауҙы биреп сығарҙы. – Ярай, ҡоймаларығыҙҙы тотоп ҡуйығыҙ, исмаһам, урам йәмләнеп ҡалыр, һеҙҙең ихата аша бүтәндәрҙең баҡсаһына мал-тыуар тула. Бер аҙҙан йәнә ҡапҡа шығырланы: – Ағай, бынауҙар асыҡтыҡ тип хәлде алды, берәй нәмәгеҙ юҡмы шунда? Ҡала кешеһе бай була торған. Беҙҙә генә эш тә юҡ, көш тә юҡ. – Ғәзизә ауыҙын йырған булды. Балаларының ғына түгел, үҙҙәренең дә тамағын туйҙырғас, Шәриф уларҙы: – Ярай, бөтә һалығыҙ, – тип ҡабаландырҙы. – Эш бүре түгел әле, урманға ҡасмаҫ. – Ғәзизә һарғайып бөткән тештәрен ыржайтып көлдө. Төшкә тиклем тыҡылдығын сыҡтылар ҙа тауыштары тынды. Шәриф хәлдәрен беләйем тип ихаталарына инде, ә улар шау-гөр килеп эсеп ултыра. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тип халыҡ тиккә әйтмәгән икән, тип уйланы ул. Бер аҙҙан ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде, уға сабый илағаны ҡушылды…
Башҡортостан Республикаһы цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса быйылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткесте үтәне. Быйыл июлдә республикала хеҙмәт йәшендәгеләрҙе уҡытыуҙы күҙ уңында тотҡан "Цифрлы иҡтисадтың төп компетенциялары" тигән программа эшләй башлағайны. Проект буйынса 13 мең кеше белем алған. Был эш "Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Башҡортостан Республикаһы цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса быйылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткесте үтәне. Быйыл июлдә республикала хеҙмәт йәшендәгеләрҙе уҡытыуҙы күҙ уңында тотҡан "Цифрлы иҡтисадтың төп компетенциялары" тигән программа эшләй башлағайны. Проект буйынса 13 мең кеше белем алған. Был эш "Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылды. Фото: efsocon.com #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Көндәр һыуытыу менән төрлө инфекция ауырыуҙары ла көсәйә. Сирләй башлау менән халҡыбыҙҙа киң таралған түбәндәге дауалау ысулдарын ҡулланырға мөмкин. Киҙеүҙе халыҡ ысулдары менән дауалау Аяҡтарығыҙҙы 20 минут эҫе һыуға тығып ултырығыҙ. Быны мотлаҡ төнгөлөккә эшләргә кәрәк. Аҙағынан табандарығыҙҙы йылытыусы бәлзәм йәки спирт менән ыуып, йылы ойоҡбаш кейеп ятырға онотмағыҙ. Тымау тейһә. Табала 5 ҡалаҡ тоҙҙо ҡыҙҙырырға һәм кизе-мамыҡ моҡсайға һалып, танау өҫтөнә ҡуйырға. Шунда уҡ тымау бөтөр. Бының өсөн бешкән йомортҡаны ла файҙаланырға мөмкин. Уны һыуҙа бешереп, яндырмаһын өсөн, сепрәккә урап, шулай уҡ танауҙы йылытырға. Тамаҡ ауыртып, тын алыуы ауырлашҡанда. Картуфтың ҡабығын әрсемәй генә һыуҙа бешереп, дүрт өлөшкә бүлергә һәм кәстрүлгә кире төшөрөргә. Картуфлы һыуға өс тамсы йод өҫтәргә, бер-ике тамсы экалипт майы тамыҙғанда тағы ла яҡшыраҡ. Таҫтамалды баштан аша ҡаплап, ошо картуфтың быуын һулағыҙ. Һаҡ булығыҙ, ныҡ эйелеп, битегеҙҙе яндырып ҡуймағыҙ. Тамаҡ ауыртҡанда, ттымаулағанда ошондай ингаляция яҡшы ярҙам итә. Тамаҡ ныҡ ауыртҡанда. Бер стакан йылы һыуҙа бер ҡалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ аш содаһы һәм бер нисә тамсы йод ҡушып иретергә һәм мөмкин тиклем йышыраҡ тамаҡты сайҡатырға. Шулай уҡ ауыҙға бер ҡалаҡ бал һалып, мөмкин тиклем оҙағыраҡ йотайынса тоторға тырышығыҙ. Бер үк ваҡытта муйынға йод менән сетка һыҙып, шарф урап ҡуйырға мөмкин. Ҡурай еләге. Был бик боронғо, ысынлап та, һөҙөмтәле ысул. Айырыуса температура булғанда ҡурай еләге менән ҡарағаттың файҙаһы ҙур. Табиптар температура 37, 5 булғанда, уны дарыу менән төшөрөргә кәңәш итмәй. Бына шул осраҡта эҫе һыуға ҡурай еләген иҙеп эсергә. Берәр ҡалаҡ ҡарағат ҡайнатмаһы өҫтәһәң, тағы ла яҡшыраҡ. Бындай шифалы эсемлекте ярты сәғәт һайын эсергә кәңәш ителә. Һуңынан йылы юрғанға уранып ятырға мөмкин. Тирләтеп, температура үҙенән-үҙе төшөр. Һуған һуты. Киҙеүгә ҡаршы ярҙамсыларҙың береһе. Уның менән тымауҙы дауалап була. Бының өсөн танауға бер-ике тамсыһын тамыҙырға кәрәк. Отит йонсотҡанда иһә ҡолаҡҡа бер-ике тамсы тамыҙырға мөмкин. Тауыҡ һурпаһы. Ауырый башлағандың тәүге көндәрендә эскәндә, файҙаһын үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ. Эҫе килеш кенә, ҡорот менән йәшел һуған ҡушып эсегеҙ. Кәбеҫтә япрағы. Баш ауыртыуын баҫа, температураны төшөрә. Һуты сыҡһын өсөн, осло әйбер менән төркөләп тишегеҙ. Һуңынан маңлайға ҡуйып, яулыҡ менән нығытып бәйләп ҡуйырға. Тән температураһына тиклем йылынғас, әйләндереп икенсе яғы менән ябығыҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаковты 70 йәше менән ҡотланы, уның эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләне. Телеграмма Кремлдең сайтында донъя күрҙе. “Һеҙ ғүмерегеҙҙе илебеҙҙә профсоюз хәрәкәтен үҫтереүгә арнанығыҙ һәм күп йылдар дауамында хеҙмәт ҡануниәтен камиллаштырыуға, Рәсәй граждандарының хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен һәм социаль гарантияларын тәьмин итеүгә тос өлөш индерәһегеҙ. Яуаплылығығыҙ, мөһим эшмәкәрлегегеҙ йәмғиәттә тотороҡлолоҡто нығытыуға булышлыҡ итә һәм тәрән ихтирамға лайыҡ”, – тиелә телеграммала. Михаил Шмаков 1949 йылдың 12 авгусында Мәскәүҙә тыуған. Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник университетын тамамлаған. 1990 йылда – Мәскәү ҡала профсоюздар советы, ә 1993 йылда Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе итеп тәғәйенләнгән. Ошо вазифаға алты тапҡыр ҡайтанан һайлана. 2018 йылдың июленән – Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар советы ағзаһы. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РФ Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса советтың видеоконференция форматындағы ултырышында ҡатнашты. Сараны Премьер-министр Дмитрий Медведев алып барҙы. Ултырышта "Экология" менән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. - Беҙ был темаларҙы юҡҡа ғына бер сарала ҡарамайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, уңайлы ҡала мөхите ул - яҡшы экологик торош та. Тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы илебеҙҙең һәр гражданы өсөн мөһим, - тине Медведев. Экологик хәл-торошто яҡшыртыу өсөн маҡсат шул: ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса тотош тармаҡ булдырырға. Ҡайһы бер төбәктәр сүп-сар реформаһы йәһәтенән ҡатмарлылыҡтар кисерә. Бында урындағы етәкселектең иғтибары һәм дөрөҫ ҡарарҙары мөһим. Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ипотека ҙур роль уйнай. Бөгөн процент ставкалары түбәнәйә, төҙөлөш темптары йылдамлана. Әйткәндәй Радий Хәбиров аҙна һайын "сүп-сар реформаһы"н ғәмәлгә ашырыу буйынса оператив кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Әгәр кәрәк булһа, иртә таңдан да, хатта төндә лә эшләргә тейешбеҙ, тип белдергәйне ул. https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-milli-proekttar-i--m-lg-ashiriu-buyinsa-ultirishta-atnashti-33206/ Фото: сайт Главы РБ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһында ике инвестиция майҙанының исем туйы булды. Дөйөм майҙаны 20 гектарҙы биләгән ер участкалары Бөрө ҡалаһы территорияһында урынлашҡан, улар сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән. – Бөрө – киләсәге булған һәм иҡтисади йәһәттән йылдам үҫешкән ҡалаларҙың береһе, – тип һөйләй Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Һәр ер участкаһы төплө анализ үткән һәм муниципалитеттарҙағы бизнес-шерифтар тарафынан ныҡ ҡына тикшерелгән. Шуның өсөн дә тәҡдим ителгән майҙандар беҙҙә бизнестарын киң йәйелдерергә теләгән инвесторҙар өсөн бик яҡшы вариант була ала. Наил Ғәббәсов билдәләүенсә, ер участкалары төбәк әһәмиәтендәге “Өфө-Бөрө-Яңауыл” трассаһына яҡын урынлашҡан, үҙ сиратында, ул логистика мәсьәләләрен хәл итеүҙе ябайлаштыра. Бынан тыш, майҙандар газ һәм һыу торбаларына, электрға тоташтырыу өсөн уңайлы. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте. Автор:Илдар Акьюлов Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Әҙәм балаһы был донъяла ҡунаҡ ҡына. Өлөшөнә төшкән ғүмеркәйҙе ҡәҙерләп, үткән йылдар йомғағына күҙ ташлағанда, башҡалар һоҡланырлыҡ баһа алырҙай йәшәүгә өлгәшкән күркәм шәхестәр арабыҙҙа байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе — Гөлнур Ибәтуллина. Ул үҙ яҙмышын бөйөк һәм абруйлы уҡытыусы һөнәренә бағышлаған. Ошо өлкәлә 40 йыл тырышып эшләгән. Хеҙмәт юлын Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы, йүнәлтмә буйынса Балаҡатай районында башлай. Аҙаҡ тыуған яғына ҡайтып, Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә эшен дауам итә. Ҡалабыҙҙағы М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәпте асыуҙа тәүгеләрҙән булып йөрөүселәрҙең береһе лә ул. Был белем усағында эшләгәндән һуң, Гөлнур Ибәтуллина 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында һыҙма, рәсем дәрестәрен уҡыта. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәгәс, йылдар үткәне лә һиҙелмәй ҡалған. 1988 йылда Рәсәй Федера-цияһының Мәғариф һәм Фән министрлығы тарафынан Почет грамотаһы менән бүләкләнә, шулай уҡ башҡа Почет грамоталары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап оло абруй ҡаҙанған хеҙмәт ветеранының. Кешегә эшенә ҡарап баһа бирәбеҙ. Нисәмә быуын йәш-тәргә ҡанат ҡуйып, белем биреп, оло тормош юлына сығарған ул. ”Һөнәремде бик яратып башҡарҙым. Уҡытыусы өсөн иң мөһиме - балаларҙы яратыу, уларҙың артабанғы яҙмышы өсөн яуаплылыҡты һәр ваҡыт иҫтә тотоу, үҙеңә төбәлгән эскерһеҙ күҙҙәрҙең ышанысын аҡлау», - тип һөйләй Гөлнур апай. Үҙенең ҡырҡ йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған хөрмәтле уҡытыусы Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы бөгөн хаҡлы ялда. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен, яратҡан эшен һағынып иҫкә ала ул, уҡыусыларының яҡшы эштәре, уңыштары хаҡында ишетһә, ҡыуана. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас нескә күңеле, тәүәккәллеге, ололарҙы хәстәрләү, кеселәрҙе ҡурсалау һәләте менән яҡындарының ихтирамын яулаған. Районыбыҙҙа, ҡалала һәм республикабыҙҙың көньяҡ төбәгендә билдәле булған Рафаэль Әхәт улы Ибәтуллин менән ике ул һәм бер ҡыҙға яҡты донъя бүләк итә. Әсә булараҡ та бик бәхетле Гөлнур ханым. Ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәй, тип өҙөлөп тора. Һәр бер ғәзизенең матур йәшәүенә ҡыуанып, уларҙың изгелеген-хөрмәтен тойоп бәхетле ғүмер кисерә ул. Һис кенә лә ҡул ҡаушырып ултырмай, һаман да тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Гөл-сәскәләр ярата. Уларҙың ниндәй генә төрҙәрен үҫтермәй. Ҡул эшенә лә ифрат оҫта. Хаҡлы ялда булһа ла, йәмғиәттәге үҙгәрештәргә битараф түгел Гөлнур апай. Мәктәптәр ябылыу, башҡорт теле дәрестәре кәмеү менән ризалаша алмай. Ауылдарҙа белем усаҡтарын ябып ҡуйыу унда йәшәү уты, халыҡтың киләсәккә өмөтө һүнеүгә килтереүен аңлаған тәжрибәле педагог был хәл менән һис килешә алмай. Ғүмер артылыштарын артыл-ғанда тырыш хеҙмәт юлы үтеп, үҙ һөнәренең абру-йын күтәргән уҡытыусы, балаларын ҡурсаларға һәр саҡ әҙер оло йөрәкле әсә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙына киләсәктә лә имен көндәр насип итһен. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Магазиндарҙа, дөйөм туҡланыу, шулай уҡ көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе предприятиеларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан. Магазиндарҙа, дөйөм туҡланыу, шулай уҡ көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе предприятиеларында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан. Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар хеҙмәткәрҙәрҙе ингән урында ҡаршы ала, температураһын үлсәй, битлеге булыу-булмауын тикшерә, ҡулдарҙы даими йыуыу тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ биналарҙы ваҡытында таҙартыуҙы, хеҙмәткәрҙәрҙең күпләп йыйылмауын күҙәтә. Предприятиеларҙа ковидҡа ҡаршы инспектор вазифаһын булдырыу тәҡдиме менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Маҡсат – коронавирустың таралыуын иҫкәртеү, коллективтарҙа эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәү эшен ойоштороу. Ковидҡа ҡаршы инспектор булыу өсөн медицина белеме талап ителмәй. «Медицина инспекторы» порталында курс үтеп, имтихан тапшырырға һәм тейешле документ алырға кәрәк. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Урындағы башланғыстарҙы ҡеүәтләү программаһына ярашлы, Учалы ауылында өр-яңы спорт майҙансығы сафҡа инде. Уның эшләү ниәтен иң тәүҙә урындағы ата-әсәләр теләк белдергән. Әйткәндәй, уға яҡын ер участоктарын да тап йәш ғаиләләргә бүленгән. – Үҙ-ара кәңәшләшеп, ата-әсәләр балаларына ҙур бүләк эшләне, – ти район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов. Майҙансыҡты төҙөүҙә республика, Учалы ауыл хакимиәте ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән, шулай уҡ Учалы тау байыҡтырыу комбинаты матди ярҙам күрһәткән. Төҙөлөш эштәре Ейәнсура районынан “Уралдеком” компанияһы менән шөғөлләнгән. Хәҙер балаларға мини-футбол, баскетбол, ҡышын хоккей уйнау өсөн бик шәп шарттар булдырылды. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, бындай үҙенсәлекле майҙансыҡтар Башҡорт гимназияһында “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Хәҙер Учалы ауылының РТС микрорайонында яңы майҙансыҡ төҙөү эше планда тора. #Успех каждого ребенка Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Салауат эске эштәр бүлеге быйыл ҡалала үҙҙәрен социаль хеҙмәткәрҙәр, коммуналь хеҙмәт эшселәре тип танытып, аҙыҡ-түлек һатабыҙ, өшкөрәбеҙ тип, кешеләрҙән аҡса урлау факты буйынса13 енәйәтте теркәгән. Мәҫәлән, быйыл февралдә билдәһеҙ кешеләр газ ойошмаһы эшселәре тип алдатып, 95 йәш-лек әбейҙең фатирына инеп 100 мең һумын урлаған. Март айын-да торлаҡ-көнкүреш комиссияһы белгестәре менән аралашҡандан һуң, 82 йәшлек пенсионерҙың 7500 һум аҡсаһы юҡҡа сыға. Августа 89 йәшлек әбейҙең һыу иҫәпләгестәрен тикшергәндән һуң, 18 мең аҡсаһы юғала. Ә 86 йәшлек ҡатынды өшкөрөп, 250 мең һум аҡсаһын алдатып алып сығып киткәндәр. Был турала тулы мәғлүмәт гәзитебеҙҙең алдағы һандарында донъя күрҙе. Бөтә осраҡтарҙа ла яуыз ниәтле әҙәмдәрҙе зыян күреү-селәр үҙҙәре фатирҙарына индергән. Бөтә факттар буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эштәре алып барыла. Ҡыҙғанысҡа күрә, енәйәт-селәр тоҙағына оло кешеләр эләгә. Улар яҡлауһыҙ һәм тиҙ ышанып барыусан. Күптәре яң-ғыҙ йәшәй. Кешенең яуыз уйлы әҙәм икәнен алдан билдәләү өлкәндәр өсөн ауыр, сөнки мутлашыусылар яҡшы кейенгән, ололарҙың ышанысын яуларлыҡ итеп һөйләшә белә, үҙҙәрендә шик тыуҙырмай. Шулай ҙа иғтибарлы булырға, факттарҙы тикшерергә кәрәк. Был төр енәйәттәрҙе булдырмау өсөн Салауат эске эштәр бүлеге профилактик саралар үткәрә. Ҡала гәзиттәрендә, телевидениела таралған енәйәттәр төрө тураһында мәғлүмәт, хеҙмәт коллективтарында аңлатыу эштәре алып барыла. Тик был ғына етмәй. Йәшерәк-тәр үҙҙәренең туғандарын һәм күршеләрен ҡурсаларға тейеш. Таныш булмаған кешеләргә ишегегеҙҙе асмағыҙ, мөлкәтегеҙ хаҡында ситтәргә һөйләп бармағыҙ.
Медицина хеҙмәткәре көнө уңайынан байрам тантанаһы район мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Аҡ халатлыларҙы район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов тәбрикләне. — Был байрам кешеләрҙе ауырыу-һыҙланыуҙарҙан ҡотҡарған, сирлеләрҙә йәшәүгә өмөт уятҡан изге хеҙмәт эйәләренә рәхмәт әйтә торған иң яҡшы форсат. Һеҙ еңел булмаған, ҡатмарлы, әммә бик кәрәкле һөнәр һайлағанһығыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө сир-сырхауҙарыбыҙ менән һеҙгә киләбеҙ, сәләмәтлегебеҙҙе, ҡайсаҡта ғүмеребеҙҙе һеҙҙең ҡулдарға ышанып тапшырабыҙ, — тине Рим Һатыбал улы. Фиҙаҡәрлек, һөнәргә тоғролоҡ һәм юғары профессионализм өсөн Асҡар үҙәк район дауаханаһы терапевты Анна Замураева, хирург Михаил Воротников, Байым участка дауаханаһы педиатры Раян Мәғәфүров, Әүнәш, Һамар ФАП-тары мөдирҙәре Мөхәмәт Вәлиев, Нурия Италмасова, шәфҡәт туташтары — үҙәк дауахананан Динә Мөхәмәтова, Рәмзиә, Муллағәләмова, Роза Вафина, Әлфирә Әбүшахманова, Красная Башкирия табип амбулаторияһынан Гөлйыһан Бәҙретдинова, паллиатив ярҙам бүлексәһенән Зөлфирә Ғиниәтова, 120-се һанлы дарыухана провизоры Резеда Шаһимәрҙәнова район Сове-ты һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы менән билдәләнде. Яңыраҡ ҡына баш табип итеп тәғәйенләнгән И. Р. Килдейәров коллегаларына йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәне: — Барығыҙға ла баш-ҡарған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлемен. Һаулыҡ — һәр кемдең иң ҙур байлығы. Һеҙ тынғыһыҙ көндәлек хеҙмәтегеҙ менән район халҡының сәләмәтлеге һағында тороп, уны һаҡлауға, нығытыуға өлөш индерәһегеҙ, көн-төн тимәй, ауырыуҙарға ярҙамға ашығып, уларҙы аяҡҡа баҫтыраһығыҙ, — тине ул. Илгиз Рәсүл улы терапия бүлексәһенең палата шәфҡәт туташы Резеда Ғәлинаны һәм балалар консультацияһы шәфҡәт туташы Вәсилә Дәминдарованы «БР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» күкрәк билдәһе менән бүләкләне. Һаулыҡ һаҡлау системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өсөн хирургия бүлексәһе мөдире Ирназар Дәүләтшин, «Ашығыс ярҙам» бүлексәһе фельдшеры Рәшиҙә Ҡарамырҙина, Әлмөхәмәт, Михайловка ФАП-тары мөдир-ҙәре Рима Йосопова, Винера Нәбиуллина, наркология бүлексәһенән шәфҡәт туташы Гөлназ Малыбаева, рентгенолаборант Фәниә Хашимова, Ташбулат табип амбулаторияһы акушеры Ғәлиә Ғүмәрова БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре, улар араһында водитель, ашнаҡсы һәм санитарҙар ҙа бар, тырыш хеҙмәттәре өсөн байрам уңайынан үҙәк район дауаханаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Әбйәлил халҡының ихтирамын яулап өлгөргән йәш табип, район медицина хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе Р. Р. Манаповтың: «Бер ниндәй ҙа заманса ҡорамалдар табипты, уның һиҙгер иғтибарын, изге мөнәсәбәтен алмаштыра алмай», — тиеүендә, ысынлап та, хаҡлыҡ бар. Рәфис Раил улы халыҡҡа заман талап иткәнсә юғары кимәлдәге медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тәьмин иткән, шулай уҡ профсоюз ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашҡан коллегаларына БР һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитетының Почет грамоталарын һәм ҡиммәтле бү-ләктәр тапшырып үтте. Гиппократ антына тоғро ғаилә династиялары хөрмәтләнде. Улар сығып баҫҡас, хатта райондың иң ҙур сәхнәһе лә тар тойолдо. Бына улар: әсәле-ҡыҙлы — терапевт Рәйлә Мусина һәм поликлиника мөдире, УЗИ табибы Лиана Хәлилова, Ғәлиә һәм Розалия Билаловалар (педиатр һәм терапевт), Дилә Гурентьева һәм Динә Дәүләтбаева (ОМК фельдшеры һәм поликлиника шәфҡәт туташы), Рима Манапова һәм Гөлназ Әхмәтова (Гусев ФАП-ы фельдшеры һәм табип-неонатолог), Көнһылыу һәм Нәйлә Мәһәҙиевалар (Красная Башкирия табип амбулаторияһы акушеры һәм офтальмолог), ирле-ҡатынлы һәм уллы Фәнил, Нәйлә, Артур Ғарраповтар (ЭВН кабинеты мөдире һәм терапевтар), аталы-уллы һәм ҡыҙлы Ғәле, Салауат Күсәрбаевтар, Гөлназ Ихса-нова (фтизиатр, хирург, невролог), әсәле-уллы Миләүшә һәм Айнур Мортазиндар (шәфҡәт туташы, «Ашығыс ярҙам» фельдшеры). Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәр быуынын да аҡ халатта күрергә яҙһын, табиптар, шәфҡәт туташтары династиялары ишәйһен генә тип теләргә ҡала. Дәүләт гарантиялары программаһы буйынса план күрһәткестәрен үтәгән, халыҡты беренсел медик-санитар ярҙам менән тәьмин иткән өсөн поликлиника, хирургия, терапия, педиатрия, реанимация бүлексәләре коллективтары аҡсалата сертификаттарға лайыҡ булды. Байрам айҡанлы район мәҙәниәт йорто артистары һәм Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары концерт бүләк итте. Улар араһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең балалары сығыш яһауы сараға айырыуса йәм өҫтәне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Шаһиттарҙың әйтеүенсә, фажиғә балаларҙың күҙ алдында була. Ваҡиға урынына табиптар ваҡытында килеп етә, тик бәләгә тарыусыны ҡотҡара алмайҙар. Уның “йәшәгем килмәй!” тип ҡысҡырғанын ишеткәндәр ҙә булған, тик бындай фажиғәгә барыу сәбәбен әлегә асыҡлай алмайҙар. Фараздар төрлө, тәфтиш хеҙмәткәрҙәре тикшереү эшен башлаған. Күршеләренең әйтеүе буйынса, бындай аҙымға яуапһыҙ мөхәббәттең этәреүе мөмкин. Ҡыҙыулыҡ менән, уйламай эшләнгән ғәмәлдәр арҡаһында ғүмерҙәрен өҙгән йәштәр йәл. Тормоштағы бер уңышһыҙлыҡ та, яуапһыҙ мөхәббәт тә кеше ғүмеренә торошло түгеллеген аңлата белмәйбеҙҙер, күрәһең. Балаларыбыҙға иғтибарлы булайыҡ. Фото:Sm-news.ru Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Y-sh--mer-r-y-l-415257/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Варвара Хәйруллинаға Zolgensma уколын бушлай яһайҙар. Лотереяны Швейцарияның фармацевтика компанияһы ойошторған. Башҡортостанда ауыр сирле кескәй ҡыҙ 165 миллион һумлыҡ дарыу отҡан Варвара Хәйруллинаға Zolgensma уколын бушлай яһайҙар. Лотереяны Швейцарияның фармацевтика компанияһы ойошторған. Арҡа-мускул атрофияһынан яфаланғандар йөрөй алмай. Ваҡыт үтеү менән ауырыу көсәйә, кеше тәүҙә йота, аҙаҡ тын ала алмай. Укол балаға ике йәш тулғас яһалһа, препараттың тәьҫире булмай. Хәҙер Варвара йәш тә 11 айлыҡ. «Дуҫтар! Варя лотереяла Золгенсма отто! Беҙгә невролог шылтыратып, ошондай ҡыуаныслы хәбәр әйтте! Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!», — тип шатлығы менән уртаҡлашты Варяның әсәһе Мария.
Башҡортостандың баш ҡалаһында Совет майҙаны буйлап транспорт хәрәкәте ябылды. Өфө хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү ярты йылдан ашыу – 10 декабргә тиклем ғәмәлдә була. Башҡортостандың баш ҡалаһында Совет майҙаны буйлап транспорт хәрәкәте ябылды. Өфө хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү ярты йылдан ашыу – 10 декабргә тиклем ғәмәлдә була. Майҙанды ябыу легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу менән бәйле. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы көнөндә тап Совет майҙанында уға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы йондоҙо тапшырылды. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
30 мартта төбәк Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, короновирусҡа ҡарамаҫтан, республикала подъезҙарҙы һәм йорт алдарын төҙөкләндереү планга ярашлы алып барыласаҡ, тип аҫһыҙыҡлап әйтте. 30 мартта төбәк Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, короновирусҡа ҡарамаҫтан, республикала подъезҙарҙы һәм йорт алдарын төҙөкләндереү планга ярашлы алып барыласаҡ, тип аҫһыҙыҡлап әйтте. Подъезҙарҙы төҙөкләндереүгә бүленәсәк аҡса күләме аҙайтылмай. Муниципалитеттарҙың төп бурысы – был эштәрҙе ойошҡан төҫтә башҡарыу. Кәңәшмәлә төбәк Йәмәғәтселек палатаһының профилле комиссияһы вәкиле Анатолий Дубковский әлеге программа буйынса башҡарыласаҡ эштәргә аңлатма бирҙе. “Әлеге ваҡытта программаның беренсе этабы – халыҡ менән дизайн-проекттарҙы раҫлау тамамланды. Бынан тыш, подряд эштәрен ойоштороу, уларҙы алып барыусы ойошмалар менән килешеүҙәр төзөү, эштәрҙе башлау һәм тамамлауҙың анык ваҡыттары билгеләнә”, – тине ул. Әйткәндәй, 2020 йылда “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд. һум аҡса йүнәлтелә. Планға ярашлы, 390 йорт алды ремонтланасаҡ һәм төҙөкләндереләсәк. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Өфө ҡалаһына Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән абруйлы исем бирелде. Өфө ҡалаһына Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән абруйлы исем бирелде. Әйткәндәй, был исемде Өфө менән бергә егерме ҡала - Түбәнге Новгород, Ярославль, Пермь, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Силәбе, Магнитогорск, Һамар, Һарытау, Омск, Ҡазан, Новосибирск, Ижау, Томск, Ульяновск, Иваново, Новокузнецк, Иркутск һәм Борович алды. Граждандар был эштә әүҙем ҡатнашты, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биргән көндө халыҡ ҡултамғаларын ҡалдырҙы. Дөйөм алғанда, башланғысты миллиондан ашыу кеше хупланы. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем биреү тураһындағы закон 2020 йылда ҡабул ителде. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Еңеү өсөн ҙур көс һалған, илде бер туҡтауһыҙ хәрби һәм гражданлыҡ тауарҙары менән тәьмин иткән, киң күләмдә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән ҡалаларға бирелә. Был мөһим ваҡиғаға ҡарата үҙ фекерен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та белдерҙе. Ул социаль селтәрҙәрҙә пост яҙып, ҡыуанысы менән уртаҡлашты һәм хәбәрселәр менән аралашты. "Бик ныҡ бәхетлемен. Әлбиттә, был беҙҙең өсөн бик мөһим. Ата-бабаларыбыҙға, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында армия ҡеүәтен нығытыуҙа ярҙам иткән кешеләргә хөрмәт билдәһе был. Үҙебеҙҙең ҡалабыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе. Башҡортостанда, Өфөлә йәшәүебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Йәштәр ҡалабыҙҙың ил өсөн нимә эшләгәнен белергә тейеш, – тине ул. – Был еңел генә бирелмәне. Тарихты белгән кешеләр аңлай, ул ваҡыттарҙа һәр ҡала фашистик Германияны еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Өфө – ҙур ҡала, һәм был объектив ҡарар. Бында нефть тармағы, двигателдәр эшләү әүҙем бара, төрлө тауарҙар етештерелә. Бик күп хәрби госпиталь була, улар хәрбиҙәрҙе шәбәйтеп, кире алғы һыҙатҡа сығаралар". Был ҡарар ҡабул ителгәнен барыбыҙ ҙа бик тулҡынланып көттөк, тине Радий Фәрит улы. “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советы секретары Андрей Турчак белдереүенсә, иң күп ҡултамға Башҡортостанда йыйған – бер миллиондан ашыу. "Владимир Владимирович үҙенең ҡарары тураһында әйткәс үк беҙ Өлфәт Мансур улы менән уйлай башланыҡ: был статусты хәтерҙә нығытыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Матур объекттар булдырыу, ҡаланы артабан үҫтереү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Был – беҙҙең дөйөм еңеү, ҡултамғаһын ҡуйған һәр кемгә рәхмәт!" Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Һабанаҡ ауылынан Ольга Йәрмөхәмәтова үҙ крәҫтиән (фермер) хужалығын биш йыл элек асҡайны. Шул саҡтан бирле ул һиҙелерлек киңәйгән, хужалыҡ башлығы хәҙер яңы ҙур пландар билдәләгән. Ольга Йәрмөхәмәтова. Әле 2014 йылда уҡ КФХ “Яңы эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, бер миллион һумдан ашыу грант отто. Был средстволар фермер өсөн бик шәп ярҙам булды. Уны файҙаланып 10 баш һыйыр малы, йәнсеп сапҡыс һәм 500 литрға иҫәпләнгән һөт һыуытҡыс һатып алынған. Бөгөн Ольга Матвеевнаның хужалығы тотороҡло үҫешә. 77 баш һыйыр малы бар, уларҙың 35-е – һауын һыйыры. Милкендә 90 га ер иҫәпләнә, 167 гектарҙы ҡуртымға ала. 40 га самаһы йыл һайын эшкәртелә, иген культуралары сәселә, ҡал-ған өлөшөндә күп йыллыҡ үләндәр үҫтерелә. Заманса фермерҙың төп ярҙамсыһы – техника. Ольга Йәрмөхәмәтованың тракторы, рулонлы пресс-йыйғыс, өс йөк машинаһы, һабаны, ике һыуытҡысы, ГАЗелдәре һәм HINO биш тонналыҡ йөк автомобиле бар. Былтыр көҙ ауылдан алыҫ түгел ул 35 башҡа иҫәпләнгән ферма төҙөй башлаған. Оҙаҡламай бында электр үткәрәсәктәр һәм һауыу автоматлаштырыласаҡ. Һауыу аппараттары һатып алынған. Төҙөлөшкә 300 мең һумдан ашыу средство сарыф ителгән. Крәҫтиән хужалығында, уның башлығынан тыш, тракторсы Алик Йәрмөхәмәтов, водителдәр Эдуард Йәрмөхәмәтов һәм Айҙар Ғәлимов, машина менән һауыу операторы Денис Йәрмөхәмәтов һәм лаборантка Регина Кәлимуллина хеҙмәт итә. Эшкә Ольга Матвеевнаның ире һәм улдары йәлеп ителгән. – Көн һайын беҙ һәр һыйырҙан 18-20-шәр литр һөт һауып алабыҙ, – тип уртаҡлаша хужабикә. Планда – “Ғаилә малсылыҡ фермалары” программаһында ҡатнашыу, шулай уҡ тағы ла бер ферма төҙөү. Шулай итеп, хужалыҡты киңәйтергә уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта Мәсетле районы Мәғлүмәт-консультация үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 11 апрелгә йыл башынан тулайым һауым 2545,4 т тәшкил иткән, был былтырғы осорҙан 147,2 тоннаға әҙерәк. Иң ҙур тулайым һауым “Ленинский” АПК-һында – 1240, 4 т, “Йондоҙ” йәмғиәтендә – 188,7 т, “Дәүләтбаев” КФХ-һында – 173,7 т. Йыл башынан бер һыйырҙан һөт һауып алыу 89,7 килограмға артып, 1268 кг тәшкил иткән. “Ленинский” АПК-һында һәм “Дәүләтбаев” КФХ-һында күрһәткестәр юғары – 1772 һәм 1277 кг. Район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында бер һыйырҙан һауым 1224 кг тәшкил иткән, был былтырғы кимәлдән 192,8 килограмға күберәк.
О, әҙәм балаһында намыҫ тойғоһоноң ниндәй юғарылыҡ өлгөһө был!Тәүбәгә килеү тураһындағы был новелланы минең бөгөн намыҫ тигән төшөнсәнең кеше өсөн ниндәй ҡәҙерле булыуын белмәгән бик күп кешеләргә уҡытып ҡарағым килә:Балтас районынан килгән бер студентканың башҡорт диалектологияһы буйынса контроль эшендә шул яҡ халҡының йәнле телмәр өлгөһө итеп бирелгән, ошо төбәктең тарихы менән бәйле ҡыҫҡа ғына, әммә ғәжәп фәһемле риүәйәткә юлыҡтым: “Элгәре Илкәйне Иске ауыл тип йөрөттөләр. Балтасны Ҡолой тейләр эйе. Ҡолой белән Илекәй йер өсөн ҡыйышҡан. Икесе көрәшкән саҡта Илекәй айаҡ салған, хәрәмнәшеп йеңгән Ҡолойны. Илекәй сүзе дөрөс булған, дөрөс булса да, хәрәнләшкән. Үләр саҡта Илекәй әйткән: “Йер-суымны хәрәмнәшеп алдым. Мине икенсе йергә күмең, үзебезнең йергә күммәң”, – тигән. Арның аръяғына күмгәннәр, бер мөгөшкә. Ҡәбере хәзер дә бар”.Бәй, таныш риүәйәт түгелме һуң... (Дауамы - сайтта) “Башҡорт халыҡ ижады” баҫмаларының 1980 йылда донъя күргән “Риүәйәттәр, легендалар” томында баҫылған “Салауат менән Балтас” тигән легенда иҫкә төштө. Унда был сюжет тәфсирләп, ентекләберәк бәйән ителә: “Ҡолой Балтастың ере былай ҙа күп булған. Шулай ҙа, яуҙан ҡайтып күпмелер йәшәгәс (Пруссия менән 1756–1763 йылдарҙағы һуғыш күҙ уңында тотола. – Р.Ш.), хәҙерге Илекәй ауылы яҡтарындағы урманлы-туғайлы, йылғалы, күлле ерҙәргә күҙе төшкән, шул ерҙәрҙе лә үҙенеке итергә ҡыҙыҡҡан. Ул заманда ошо яҡтарҙа Илекәй менән Дауыт исемле ике батыр йәшәгән икән. Был ике батыр әйткән: “Беҙҙең дә ул ерҙәргә күҙебеҙ ҡыҙа, тик уны әйтергә ҡыймай ғына йөрөнөк, – тигәндәр. – Улайһа, өс уҙаман, ил-йорт башы, йәрәбә һалайыҡ. Йәрәбә кемгә сыға, ер шуныҡы булыр”. Ҡолой Балтас быға ризалашмаған, көрәшеп ҡарайыҡ, тигән. “Көрәштә кем өс тапҡыр еңә, ер шуныҡы булыр”, – тип шарт ҡуйған. Ни өсөн тигәндә, Ҡолой теге батырҙарға ҡарағанда ла бәһлеүәнерәк икән. Ҡолойҙоң ауырлығы ғына ла туғыҙ боттан артығыраҡ булған. Ни эшләмәк кәрәк, намыҫланған батырҙар Балтастың шартына күнгәндәр. Көрәш башланған. Башта Илекәй менән Дауыт көрәшкән. Илекәй еңгән. Шунан Балтас менән алыша башлаған. Башта Балтас Илекәйҙе ике тапҡыр йыҡҡан. Өсөнсө көндә Илекәй Балтасты, шул ғәләмәт дәү, ауыр әҙәмде, һелтәп ебәргән. Алыш тағы ҡыҙған. Балтас күпме сәмләнһә лә, Илекәйҙән еңелгән. Шулай итеп, Илекәй беренсе батыр булып сыҡҡан, әлеге бәхәсле ерҙәр уға тейгән. Хәҙерге Илекәй ауылы ана шул Илекәй батырҙан ҡалған. Ҡолой Балтас, әлеге көрәштәге шарт буйынса, хәҙерге Иҫке Балтас ауылы урынында нигеҙләнгән, Дауыт батырға хәҙерге Дауыт ауылы ерҙәре тейгән. Илекәй батыр ни өсөндөр оҙаҡ йәшәй алмаған, ҡапыл ғына үлеп киткән. Үлер алдынан былай тигән: “Мин теге ваҡытта көрәшкәндә, Балтас өҫтөмә төшөп күкрәгемде имгәтер тип ҡурҡып, башта ике тапҡыр еңелдем, аҙаҡ, сәмләнеп, рәттән өс тапҡыр Балтасты еңдем. Шунда миңә көс төшкән кеүек ине. Үҙем сырхауымды хәрәм төшөүҙән күрәм. Мин Балтасты тубығым менән сала биреберәк йыҡтым. Шуның өсөн минең был хәрәм кергән кәүҙәмде хәрәм ергә күммәгеҙ. Йылға аръяғына, ситкә күмегеҙ”, – тигән. Илекәй батыр, шулай итеп, үҙе әйткән ергә – йылға аръяғына ерләнгән. Ул ҡәберҙең урыны хәҙер ҙә һаҡланған”. Бына шундай легенда. Минең күңелде тетрәткәне – Илекәй батырҙың, Ҡолой Балтас менән көрәшкәндә уны “тубығым менән сала биреберәк йыҡтым” тип, үлер алдынан тәүбәгә килеүе һәм шуның өсөн үҙ-үҙен бер ниндәй хөкөм итеүсе лә уйлап таба алмаҫтай ҡаты язаға тарттырыуы. Ә бит, бер ҡараһаң, уның ошо көрәштән һуң үлемесле сырхауға тарыуы аяҡ салыу, хәрәмләшеү арҡаһында килеп сыҡҡан тип әйтерлек тә түгел. Анау хәтлем үҙенән күпкә бәһлеүәнерәк, ауырлығы туғыҙ боттан артығыраҡ булған Ҡолойҙо өс тапҡыр әйләндереп һалған да баһа ул. Сәмләнеп китеп, үҙе әйткәнсә, “тубығы менән сала биреберәк” тә ебәргән. Ҡыҙыулыҡ менән ундай ғына хилафлыҡҡа бармайынса ла булмағандыр шул. Ни хәл итәһең, ер, ер өсөн, уныһы ла сит кешенең, сит ҡәүемдең түгел, ә үҙ ырыуыңдың биләмәһенән үҙеңә тейерҙәй бер төбәк өсөн йәнтәслим алышырға тура килгән Илекәй батырға. Шунда көс төшөп, имгәнгән, тәне ҡыйралған булыуы башҡорт көрәшен белгән һәр кем өсөн аңлашылып торалыр. Унда бит, ҡағиҙә булараҡ, ҡаршы яҡтағы көрәшсенең ике аяғы ла ерҙән айырып алынырға һәм ул арҡаһына әйләндереп һалынған булырға тейеш. Илекәйҙең шул тиклем дә бәһлеүән кәүҙәле Ҡолойҙо өс тапҡыр күтәреп алып әйләндереп һалғанлығын күҙ алдына килтерһәгеҙ, еңеүсегә ниндәйерәк көс төшкәнен аңлауы ҡыйын булмаҫ тимәксемен. Әммә, шулай булһа ла, Илекәй батыр“сырхауымды хәрәм төшөүҙән күрәм” тип, үҙенә ана ниндәй хөкөм ҡарары сығарған. О, әҙәм балаһында намыҫ тойғоһоноң ниндәй юғарылыҡ өлгөһө был! Тәүбәгә килеү тураһындағы был новелланы минең бөгөн намыҫ тигән төшөнсәнең кеше өсөн ниндәй ҡәҙерле булыуын белмәгән бик күп кешеләргә уҡытып ҡарағым килә. Ер, милек, байлыҡ тип йәнен һатырға әҙер торған әҙәм балалары, белегеҙ, ерҙә һеҙҙән алдараҡ, XVIII быуатта, ер тип көрәшеп, ҡыҙыулыҡтан аҙ ғына хилафлыҡ ҡылған һәм шул гонаһы өсөн үҙен үҙе язаға тарттырған Илекәй тигән башҡорт йәшәгән. Балтас яҡтарына барырға насип булһа, мин мотлаҡ уның иҫтәлеге алдында баш эйеп, ана шул бер мөгөштә ятҡан яңғыҙ ҡәбере өҫтөнә сәскәләр һалыр инем. Рәшит ШӘКҮР. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
2019 йылдың ноябрь айында районыбыҙҙың мәҙәни тормошо яңы һулыш алды тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Район хакимәте башлығы күрһәтмәһе буйынса, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы итеп Ильяс Миндиәхмәт улы Сафин тәғәйенләнде. Белешмә өсөн. И.М.Сафин 1974 йылдың 21 февралендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Айбат ауылында тыуған. 1990 йылда Өфө ҡалаһында республика музыка мәктәп-интернатын, 1992 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. 1992-1994 йылдарҙа Мәскәү консерваторийының Хәрби-дирижер оркестры факультетында хәрби хеҙмәт бурысын үтәй. 1994-2019 йылдарҙа Сибай дәүләт филормонияһында төрлө вазифаларҙа (оркестр артисы, уның етәксеһе, администратор, концерт эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары, художество етәксеһе) эшләй. Ике юғары белемле. Ғаиләле, бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. — Ильяс Миндиәхмәт улы, һеҙҙең тыуған Арғаяш ере йәмғиәт эшмәкәре, прфессор Дамир Вәлиев, башҡорт операһының танылған солистары Раил Кучуков һәм Вәкил Йәләлетдинов, шағирә Кәтибә Кинйәбулатова, ауыр спорт төрҙәре чемпионы Эльбрус Ниғмәтуллин, чемпион-боксерҙар Хәбир һәм Сабир Сөләймәновтар, Денис Шафиҡов һәм башҡа һәләтле шәхестәрҙең атайсалы. Уларҙың барыһының да яҡты хыялдарын тормошҡа ашырыр өсөн үҙҙәре һайлаған юлы булған. Һеҙҙең хыялдарығыҙ ниндәй ине? Мәҙәниәт өлкәһенә, Сибай ҡалаһына, сирек быуат ваҡыт эшләп киткән Сибай филормонияһы коллективына нисек килеп юлыҡтығыҙ? — Ҡәҙерле дуҫтар, район матбуғатын даими уҡып барыусыларҙың барыһын да сәләмләйем һәм тик яҡшы хәбәрҙәр генә теләйем! Байтаҡ туғандарым һалдат погондарын йөрөтөп үҙҙәренең ғүмерен Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеүгә бағышланы. Сабый сағымда мин дә уларға оҡшарға теләп, үҙемде үҫкәс тик хәрби кеше булараҡ күҙ алдына килтерә инем. Әсәйем беҙҙе, өс баланы, яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы. 4-се кластан Өфө ҡалаһында музыкаль интернатта тәрбиәләндем. Армиянан һуң бәләкәй саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсатынан Башҡорт дәүләт университетының хәрби кафедраһының юридик факультетына уҡырға инергә тип килдем. Шул ваҡыт класташым, хәҙер инде БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, мине Сибай филормонияһына эшкә өгөтләне. Үҙе үк поезға билеттар алып, кире уйлап ҡуйыуымдан ҡурҡып сумаҙандарымды ҡулынан ысҡындырмай алып китте. Бөгөн шундай ҡыйыу аҙым яһауыма бер ҙә үкенмәйем. Филормония коллективы менән беҙ бөтә Рәсәйҙе үтеп сыҡтыҡ, фестивалдәрҙә ҡатнашып байтаҡ илдәрҙе күреү бәхете тейҙе. Сибай ҡалаһында үҙемдең тормош иптәшемде таптым, ошонда беҙҙең балалар тыуҙы. — Нисек ҡәҙимге эшегеҙҙе, йәшәгән урынығыҙҙы ҡапыл ғына алыштырырға уйланығыҙ? — Барыһына ла билдәле булыуынса, ваҡыты-ваҡыты менән һәр кемгә эш ерен генә түгел, ә өлкәһен дә алыштырып тороу файҙалы. Шул ваҡытта ғына алға китеш һиҙеләсәк. Мин һәр саҡ эстән яңы үҙгәрештәргә әҙерләнеп килдем — филормонияла артист булһам да, уҡытыусылыҡ эше менән дә шөғөлләндем, башҡа мәҙәни үҙәктәрҙең, ойошмаларҙың эшләү формалары, алымдары, тәжрибәләре менән таныштым, өйрәндем. Гастроль һәм концерт эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса директор урынбаҫары вазифаһын алып барғанда республикала, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ҡала һәм ауыл мәҙәниәт учреждениелары менән идара итеү функцияларын үҙләштерҙем. Был үҙенә күрә ҙур әһәмиәтле тәжрибә мәктәбе булды. — Хеҙмәттәштәрегеҙҙең эш тәжрибәһенән үҙегеҙгә нимә алдығыҙ? — Иң мөһиме — кешеләр менән һаҡсыл эшләү. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү һәм ябай кешеләрҙең яҙмышына нисек йоғонто яһауы араһында тигеҙлек таба белеү — уның һөҙөмтәһе. — Кадрҙар барыһын да хәл итәме? — Эйе, дөрөҫ! Был районда мин ысын һөнәрмәндәр командаһына тап булдым. Улар менән эшләү еңел дә, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла. Илшат Нәжмитдин улына ошондай етди вазифаны ышанып тапшырғаны өсөн бик рәхмәтлемен. Беҙ ышанысты аҡларға тырышасаҡбыҙ. — Беҙҙең районда мәҙәни үҫеште нисек билдәләр инегеҙ? — Урындағы мәҙәни үҫеш юғары кимәлдә. Иң мөһиме бында һәләтле, тырыш һәм тормошто һөйөүсе халыҡ йәшәй. Районда ғүмер иткән төрлө милләт вәкилдәренең үҙенсәлекле милли мираҫының һаҡланыуы, үҫеүе һәм йәш быуынға тапшырыла килеүе һөйөндөрә. Миңә тиклем ошо вазифала эшләүселәргә, мәҙәниәт өлкәһендә йән атҡандарға милли мәҙәниәт, тел, тарих һәм йолалар тураһында хәстәрлек күреүҙәре өсөн ҙур рәхмәт. Ҡағиҙә булараҡ, һәр етәксенең үҙенә генә хас булған эш алымдары, күҙаллауҙары була. Бөгөн район хакимиәте башлығы тарафынан урында халыҡ хореографияһын үҫтереү, тыуған яҡты, уның тарихын өйрәнеү буйынса музей асыу, билдәле һәүәҫкәр төркөмдәргә һаҡсыл ҡараш булдырыу, халыҡ араһынан сыҡҡан һәләттәрҙе эҙләү, уларҙы артабан үҫтереү, балаларҙың ижади проекттарын күтәреү кеүек төплө маҡсаттар ҡуйылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙ сиратында, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә һәр саҡ әҙер. Район да беҙҙгә аҡсалата ярҙам итеп тора — сәхнә костюмдары тегелә, матди-техник база нығытыла. — Мәҙәниәт учреждениеларының уңыштары тураһында бер нисә һүҙ… — Беләһегеҙме, беҙҙә үҙ һөнәрен ысын күңелдән һөйгән бик яҡшы кешеләр эшләй. Мәҫәлән, Балалар ижады мәктәбен генә алайыҡ. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре 11 тапҡыр Бөтә донъя, Бөтә Рәсәй һәм башҡа республика бәйгеләрендә еңеүсе булды. Ә онлайн конкурстарҙағы призлы урындарҙы һанаһаҡ!... Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ — афариндар! Балалар ижады мәктәбенең 56 сығарылыш уҡыусыһы бөгөн илебеҙҙең төрлө уҡыу йорттарында белемдәрен дауам итә. Бында мәктәп директоры И.Ю. Пинягинаның оҫта етәкселеге, талапсанлығы әйтеп бөтөргөһөҙ. Район мәҙәниәт йорто һәм ауыл мәҙәниәт клубтары хеҙмәткәрҙәре — барлыҡ мәҙәни сараларҙы ойоштороусы һәм ошо усаҡты һаҡлаусы. Үҙешмәкәр артистар ҙа барлыҡ фестивалдәрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып юғары һөҙөмтәләр яулауҙарын дауам итә. Айырыуса Тирәкленән Ғәниевтәр ғаиләһен, Ҡыҫынды ауылы мәҙәниәт клубы етәксеһе Раушан Хазиәхмәтовты, Орловканан Фәнисә Гольцованы билдәләп үтке килә. Китаханасылар ҙа өр-яңы эш алымдарын ҡулланыуҙары, ижади эҙләнеүҙәре һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙәре менән ҡыуандырҙы. “ Ауыл ерендә иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” республика конкурсында ҡатнашып, Баҡалды китапханаһы 100000 мең һумлыҡ призға лайыҡ булды һәм ошо аҡсаға кәрәкле офис техникаһы һатып алынды. Мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштарҙа һәр кемдең өлөшө бар. Район мәҙәниәт йорто директорының административ-хужалыҡ бүлеге буйынса урынбаҫары Дмитрий Машненковтың үҙ вазифаһын еренә еткереп, оҫта башҡарыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Баш хисапсыбыҙ — етәкселектең уң ҡулы булһа, тырыш методистарыбыҙ — учреждениеның мейеһе. Беҙҙә бер артыҡ кеше юҡ. Айырыуса йәш хеҙмәткәрҙәр өсөн һәр саҡ “йәшел ут”. — Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә Балалар ижады мәктәбендә музыка, театр һәм башҡа сәнғәт төрҙәре менән шөғөлләнеү нимәһе менән ярҙам итә? — Бөгөн социумда, эшендә, шәхси тормошонда үҙен табырға, уңышҡа өлгәшергә теләгән кеше белемһеҙ, мәҙәниәтһеҙ, битараф һәм һүлпән булырға тейеш түгел. Хәҙерге йәштәр киң даирәле, мәғлүмәтле һәм һәр саҡ эҙләнеү юлында. Уларҙың томошо төрлө сағыу ваҡиғаларға бай. Беҙҙең концерттар, спектаклдәр, әҙәби кисәләр, сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу был йәһәттән тәрбиәүи яҡтан тик ыңғай яҡтан ғына тәьҫир итәсәк. Үҙ халҡыңдың милли-мәҙәни мираҫын өйрәнеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, тарихи йыр-көй сәнғәтен үҙләштереү һәм башҡа сәнғәт төрҙәре аша йәштәрҙә милли зауыҡ, халыҡсанлыҡ, илһөйәрлек тойғоһо үҫтерергә була. — Ильяс Миндиәхмәт улы, артистарҙы, үҙешмәкәр булһалар ҙа юғары эшмәкәрлеккә нимә илһамландыра? — Миңә килгәндә, һәләтле, белемле һәм тәртипле кешеләр менән эшләү илһамландыра. Беҙҙең артистар тап бына шундайҙар. Сәнғәт кешеләренә тамашасылар менән тулы зал, алҡыштар дәрт бирһә лә, уларға сәхнәнән тыш көс йыйыу мөһим. Берәүҙәр уны ғаилә эсендә, икенселәр, тәбиғәт ҡосағында, яратҡан шөғөлөндә, мөхәббәттә, һине яратҡан, аңлаған кешеһе эргәһендә таба. — Гәзит уҡыусыларыбыҙға нимәләр теләр инегеҙ? — Барлыҡ архангелдәргә бәхет, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар, тыныслыҡ теләйем. Ваҡытлыса сикләүҙәр бөтөү менән беҙ ойошторған сараларға рәхим итегеҙ! Түңәрәктәрҙә һәи ижади коллективтарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашығыҙ, китапханаларға килегеҙ, балаларығыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе Балалар ижад мәктәбенә йөрөтөгөҙ, туған телебеҙҙә баҫылған “Инйәр” гәзитенә мотлаҡ яҙылығыҙ. Уңайы тура килгән саҡта мин өс аҙ тәьмин ителгән ғаиләгә бүләк итеп ярты йыллыҡҡа “Инйәр” гәзитен яҙҙырттым. Тик бер шарт үтәлде — ғаилә үҙешмәкәр сәнғәт ағзаһы булырға тейеш. — Әңгәмәгеҙ һәм бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Уңыштар һеҙгә. Дилара Бәҙретдинова яҙып алды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Республикала “Экология” милли проектына ярашлы урман янғынына ҡаршы көрәш һәм урман тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техника алыу дауам итә. Республикала “Экология” милли проектына ярашлы урман янғынына ҡаршы көрәш һәм урман тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техника алыу дауам итә. – “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, быйыл урман хужалығына техника һәм ҡорамалдар алыу өсөн 77,1 миллион һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 36,7 миллион һум, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 40,4 миллион һум, – тип билдәләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Мәғлүм булыуынса, быйыл ошо маҡсатта аукциондар уҙғарып, йәғни 14 урман хужалығы техникаһы һәм һигеҙ янғын һүндереү техникаһы, ике трал алыу өсөн бөтәһе 68,9 миллион һумлыҡ 10 дәүләт контракты төҙөлә. Ошо көндәрҙә ике дәүләт контракты буйынса 14 “Беларусь 82.1” һәм “Беларусь 1221” тәгәрмәсле трактор килгән. Республиканың Урман янғыны үҙәгенә ике дәүләт контракты буйынса “ГАЗ-33088” шассиһына ике янғын автоцистернаһы һәм “МАЗ 6430С9” кеүек махсус техника алынған. Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан. Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Ya-i-tehnika-kilde-192614/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Райондың ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлегенә бөгөн ҙур иғтибар бүленә. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк булыуын халыҡ яҡшы аңлай. Шулай уҡ ут сыға ҡалһа, уны һүндереү өсөн техника һәм башҡа ҡорал-ҡорамалдар булыуы ла бик мөһим. Был йәһәттән хәҙер ауыл биләмәләрендә аныҡ саралар күрелә. Мәҫәлән, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттары буйынса янғын һүндереү техникаһы, инвентары, мотопомпалар һатып алына, һыу алыу өсөн быуалар быуыла һ.б. Үткән аҙна аҙағында ауыл биләмәләре башлыҡтары, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр һәм ауылдарҙың ирекле янғын һағы ағзалары менән үткәрелгән методик уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар Йылайырҙың үҙәк майҙанына теҙеп ҡуйылған нәҡ шундай техниканы ҡарауҙан башланды. Райондың ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлегенә бөгөн ҙур иғтибар бүленә. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк булыуын халыҡ яҡшы аңлай. Шулай уҡ ут сыға ҡалһа, уны һүндереү өсөн техника һәм башҡа ҡорал-ҡорамалдар булыуы ла бик мөһим. Был йәһәттән хәҙер ауыл биләмәләрендә аныҡ саралар күрелә. Мәҫәлән, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттары буйынса янғын һүндереү техникаһы, инвентары, мотопомпалар һатып алына, һыу алыу өсөн быуалар быуыла һ.б. Үткән аҙна аҙағында ауыл биләмәләре башлыҡтары, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр һәм ауылдарҙың ирекле янғын һағы ағзалары менән үткәрелгән методик уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар Йылайырҙың үҙәк майҙанына теҙеп ҡуйылған нәҡ шундай техниканы ҡарауҙан башланды. Республикала тәүгә ойошторолған бындай сараның нәҡ беҙҙең районда үткәрелеүе осраҡлы түгел. Беҙҙә янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе бер ваҡытта ла район, ауыл биләмәләре хакимиәттәренең, тейешле хеҙмәттәр һәм учреж-дениеларҙың иғтибар үҙәгенән ситтә тороп ҡалғаны юҡ. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы К.С.Первов, ирекле янғын һүндереү дружиналарын техника менән тәьмин итеү, уларҙы ҡануниәт талаптарына ярашлы рәсмиләштереү, уларҙың эшмәкәрлеген субсидиялау, районда заманса янғын һүндереү депоһын төҙөп бөтөү, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтен (ЕДДС) заманса элемтә саралары һәм коммуникациялары менән йыһазландырыу мәсьәләләренә туҡталды, бөгөнгө методик уҡыуҙарҙың маҡсаты һәм бурыстары, республика органдарынан методик ярҙам, консультациялар, мәғлүмәттәр алыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне. “Халыҡты һәм территорияларҙы тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өлкәһендә Башҡортостан Рес-публикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан төбәк дәүләт надзорын ғәмәлгә ашырыу” – Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының граждандарҙы һаҡлау һәм төбәк надзоры бүлеге начальнигы Р.С.Лотфрахманованың сығышы шулай тип аталды. Башҡортостан Республикаһының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу-методика үҙәге начальнигы урынбаҫары Ф.Ә.Ҡотлоғужин үҙенең сығышында урындағы үҙидара органдарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларҙы нисек ойоштороу тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһының янғын надзоры буйынса дәүләт инспекторы Е.В.Макаренконың сығышы урындағы үҙидара органдарында профилактика төркөмдәре төҙөү тәртибенә һәм уларҙың эшенә арналды. Баймаҡ район-ара надзор эш-мәкәрлеге һәм профилактика эше бүлеге начальнигы В.А.Люляев янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә дәүләт надзорының (контроленең) вәкәләттәре һәм урындағы үҙидара органдарының яуаплылығы тураһында һөйләне. ВДПО-ның Башҡортостан республика бүлеге советы рәйесе Р.М.Гарданов йыйылыусыларҙы урындағы үҙидара органдарында ирекле янғын һағы ойоштороу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Методик уҡыуҙарға йыйылған ауыл биләмәләре башлыҡтары, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы кешеләр, ирекле янғын дружиналары ағзалары ошо уҡ көндө янғын хәүефһеҙлеге буйынса аттестация үтте. Был уларға тейешле сертификаттар алырға мөмкинлек бирәсәк. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм аспиранттарына, шулай уҡ сит төбәктәрҙә уҡыған студенттарға Башҡортостан Башлығы стипендиялары тәғәйенләнде. Улар 2018—2019 йылда уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән йәштәргә тапшырыласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм аспиранттарына, шулай уҡ сит төбәктәрҙә уҡыған студенттарға Башҡортостан Башлығы стипендиялары тәғәйенләнде. Улар 2018—2019 йылда уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән йәштәргә тапшырыласаҡ. Быйыл йәй түләүҙәр билдәләнде: аспиранттарға – 7000 һум, вуз студенттарына – 5750 һум, урта махсус уҡыу йорто студенттарына – 2300 һум. Быға тиклем башлыҡтың вузда белем алыусылар өсөн «губернатор» стипендияһы 1500 һум тәшкил итте. Йыл һайын Башҡортостан Башлығы стипендияһы республика юғары уҡыу йорттарындағы — 130, һөнәри белем биреү ойошмаларындағы 125 студентҡа, 55 аспирантҡа, төбәктә тыуып үҫеп, унан ситтә белем алған, шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вуздарында уҡыған ун студентҡа (аспирантҡа) бирелә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Йәйге каникулдың өсөнсө айына аяҡ баҫабыҙ. Балалар рәхәтләнеп ял итә, ә белем биреү усаҡтарында тормош әле лә ҡайнап тора – яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре бара. Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә бөгөндән уҡыусыларҙы ҡаршы алырға әҙерҙәр, тиергә мөмкин. Мәктәп ихатаһына килеп инеүгә уның бер яҡ өлөшөндә күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө сәскәләргә күмелгән участка хайран ҡалдырһа, икенсе яҡта ишелеп үҫкән йәшелсә түтәлдәре һоҡландыра. Мәктәп директоры Ринат Зөфәр улы Насировтан коллективтың үткән уҡыу йылын нисек тамамлауҙары, уҡыусыларҙың уңыштары хаҡында белештек һәм мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлеге менән таныштыҡ. - Иң башта шуны әйтеп үтергә кәрәк, Үтәк, Буруновка, Туғай ауылдары мәктәптәре Яңғыҙҡайын мәктәбенең филиалдары булып тора. Быйыл 11-се класты 9 уҡыусы (3 егет, 6 ҡыҙ) тамамлап, барыһы ла БДИ һынауҙарын уңышлы үтеп, үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына документтарын тапшырҙы. 2 уҡыусыбыҙ – Нәзилә Ғәлекәйева (Яңғыҙҡайындан) менән Сулпан Кәримова (Үтәк ауылынан) мәктәпте миҙалға тамамланы. 9-сыны тамамлаған 22 уҡыусының барыһы ла Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп, төрлө һөнәри белем алыу йорттарына уҡырға инде. Уларға алмашҡа - 1-се класҡа 14 бала киләсәк. Был белем биреү йортоноң тышы, йәғни участкаһына ғына түгел, эске яғына ла матур төҫ бирергә тырышҡандар. Бина эсенә үтеүгә Ринат Зөфәр улы беҙҙе спорт залы, класс бүлмәләре менән таныштырып сыҡты. Кабинеттар “ялт” итеп тора, ашхана ла аҡланып-буялып ҡуйылған, ҡоролмалары ла көйлө эшләй, ә коридорҙарҙа, спорт залында буяу еҫтәре таралып өлгөрмәгән әле. Класс бүлмәләренең яртыһында тәҙрәләр пластикҡа алыштырылған. -Мәктәптә нигеҙҙә косметик ремонт уҙғарылды. Был маҡсатҡа 45 мең һум аҡса бүленгәйне, шуны файҙаландыҡ. Класс бүлмәләрендә иһә һәр йылдағыса, ата-әсәләр, уҡыусылар ярҙамында уҡытыусылар уҡыу йылы тамамланыу менән буяу-аҡлау эштәрен башҡарҙы. Шулай уҡ мәктәп менән берләштерелгән балалар баҡсаһында ла эштәр теүәлләнеп, балаларҙы ҡабул итергә әҙерҙәр. Бында ике төркөм ойошторолоп, төп төркөмдә 20 бала тәрбиәләнһә, 15 бала ҡыҫҡартылған көн төркөмөнә йөрөнө. Филиалдарыбыҙ булып торған Үтәк (яуаплы - Рима Бохарова), Туғай (Фәймә Баһауетдинова), Буруновка (Ренетта Лукина) башланғыс мәктәптәре лә яңы уҡыу йылын әҙерлекле ҡаршылай. Был мәктәптәрҙең яуаплыларынан (хәҙер шулай атала) бик ҡәнәғәтмен, сөнки барыһы ла үҙ бурыстарына бик тә яуаплы ҡарай, тырыштар, бирелеп, матур эшләйҙәр, - тип маҡтап телгә алды Р.Насиров коллегаларын. – Ошо ауылдарҙан юғары класс уҡыусыларын Яңғыҙҡайын мәктәбенә 22 урынлыҡ “ПАЗ” һәм 11 балаға иҫәпләнгән “Газель” автобустары ташый. Июндә мәктәптәрҙең һәр ҡайһыһында көндөҙгө ял лагерҙары ойошторолоп, унда йәмғеһе 80 бала рәхәтләнеп ял итте. Уҡыусылар 5-се хеҙмәт сирегендә, йәғни мәктәп яны участкаһындағы эштә ата-әсәләр ризалығы (ғариза буйынса) менән ҡатнаша. Йәшелсә-емеш тулы баҡсала (яуаплы - Әлфиә Ғафарова) уҡытыусылар сменалап эшләй, бында ҙур теләк менән йөрөгән балалар сүп үләндәрен ваҡытында утап, баҡсаны ҡарап тора. Баҡсала ҡарағат өлгөрҙө, был емеш тә уҡыусылар тырышлығы менән тиҙүк йыйып алынды, үҙебеҙҙән артҡанын һатып, мәктәп бюджетын да тулыландырабыҙ, - тип мәктәп тормошо менән таныштырҙы беҙҙе Ринат Зөфәр улы. Мәктәп баҡсаһындағы ишелеп уңған емеш-еләкте, бер сүп әҫәре булмаған тип-тигеҙ рәт булып теҙелгән йәшелсә түтәлдәрен (мәктәп ашханаһында балаларҙы туҡландырыу өсөн йыл әйләнәһенә етерлек йәшелсә үҫтерелә), күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙе, бинаның эске яғында күркәм төҫ бирергә тырышыуҙарын күреп тә бында бөтмөр етәксе, тырыш коллектив эшләгәнлеген аңларға була. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр ер урынына аҡса ала ала. Уның күләме – 250 мең һум. Был аҡса шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонолорға тейеш. Ерҙең әҙ булыуы һәм йылдар буйы сиратта торорға кәрәк булыуы сәбәпле, был ярҙам күптәргә файҙалы булыр ине. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр ер урынына аҡса ала ала. Уның күләме – 250 мең һум. Был аҡса шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонолорға тейеш. Ерҙең әҙ булыуы һәм йылдар буйы сиратта торорға кәрәк булыуы сәбәпле, был ярҙам күптәргә файҙалы булыр ине. Шулай итеп, был аҡсаны нисек алырға? Ниндәй документтар йыйырға кәрәк? Ғөмүмән, шарттары ниндәй? Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская яуап бирәсәк. Һорауҙарығыҙ булһа, хәҙерҙән каналдың социаль селтәрҙәге төркөмөнә инеп, был туралағы яҙма аҫтында ҡалдыра алаһығыҙ. Һылтанмаһы https://vk.com/bash_tv?w=wall-27097047_195338 Трансляция бөгөн 4 августа 19 сәғәттә башлана. Фото: birsk.bezformata.comАвтор: Альфия Мингалиева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
2018 йылдың 3 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һыу ресурстарына зыян килтереүселәргә ҡарата яңы штрафтар күләмен билдәләне. Беҙҙең район биләмәһендәге һыу ятҡылыҡтарында үрсегән балыҡтар ҙа был исемлектә бар. Мәҫәлән, законһыҙ рәүештә тотҡан суртан, йәйен, ағасаҡ (жерех), һаҙандың бер данаһы өсөн — 925 һум, опто (язь), шамбы, ҡарабалыҡ, ҡормандың бер данаһы өсөн — 500 һум, табан балыҡ, алабуға, ажау өсөн 250 һум штраф ҡаралған. Йылға-күлдәрҙә балыҡ тотоу, ау һалыу балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә тыйыла. Бынан тыш һыу ресурстарында тыйылған ысулдарҙы ҡулланып балыҡ тотоусыларға башҡа миҙгелдәрҙә лә енәйәт эше асыласаҡ икәнлеген оноторға ярамай. Тыйылған ысулдарға электр тогы, шартлатҡыстар ҡулланыу, балыҡтарҙы ау, йылым ҡулланып тотоу инә. РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһына ярашлы, бер нисә кешенән торған төркөм менән, балыҡты күпләп ҡырыусы ысул файҙаланып, һунарға сыҡҡан граждандарға ла енәйәт эше ҡуҙғатыла. Үкенескә ҡаршы, Әбйәлилдә браконьерҙар һаны кәмемәй. Улар балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә лә үҙенең ҡара эшен туҡтатмай, ҡомһоҙлоғон еңә алмай. Былтыр, мәҫәлән, тәүтикшереү бүлегендә Енәйәт кодексының 256-сы статьяһы буйынса, күпләп балыҡ тотоусыларға ҡарата ҡуҙғатылған 10 эш ҡаралды. Сыбаркүл, Мауыҙҙы, Төньяҡ Үләнде, Сабаҡты күлдәрендә, Дарыулы йылғаһы быуаһында, Йәнгел йылғаһында 50-нән алып 300 данаға тиклем балыҡ тотҡан граждандар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Улар, ошо миҙгелдә ау һалырға ярамағанлығын белә тороп, һыу ятҡылығына сыға, йыш ҡына кәмә ҡуллана, һыу ресурстарына ҙур зыян килтерә. Бындай осраҡтар артабан да иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, райондың һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоусылар йыл әйләнәһенә хоҡуҡ һаҡсыларының даими күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Заһир ХӘСӘНОВ, тәүтикшереүсе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Был һүҙҙе бөтәһе лә белә!» флешмобында ҡатнашырға саҡыралар. Ҡатнашыу өсөн туған телдең популяр һүҙҙәре менән таныштырған видеоролик яҙҙырып, #БылҺүҙҙеБөтәһеЛәБелә #ТуғанҺүҙҙәрДонъяһы#ТуғанТелКөнө хэштегтары менән 15 февралдән 20-һенә тиклем социаль селтәргә һалырға кәрәк. Бер роликта бер герой булырға мөмкин. Кадрҙа ул өс һүҙ менән таныштыра: 1) Һәр кем (үҙенең милләтен әйтә) … һүҙен белә», артабан кейем-һалымға ҡараған һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла; 2)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙенең тәмен белә», артабан милли аш-һыуҙы аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла; 3)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙен ишетеп белә», артабан музыка ҡоралын аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе әйтелә. Йөкмәтке Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ҡаршы килергә тейеш түгел. Интернет-акцияны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто. https://www.bashinform.ru/news/1559250-zhiteley-bashkortostana-priglashayut-na-fleshmob-rodnykh-yazykov/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Үткән кесаҙна көндө ҡалабыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Халыҡ - ара туған тел көнө уңайынан шиғырҙар бәйгеһе үтте. “Йырлайым халҡым өсөн...” исемле матур сараны Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы ойошторҙо. Үткән кесаҙна көндө ҡалабыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Халыҡ - ара туған тел көнө уңайынан шиғырҙар бәйгеһе үтте. “Йырлайым халҡым өсөн...” исемле матур сараны Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы ойошторҙо. Бәйгелә 7 йәштән 65 йәшкә тиклемге 26 кеше һынау тотто. Бәйгеселәр Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай һәм тағы тиҫтәләгән билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. - Шиғыр һөйләү бәйгеһе 2-се йыл рәттән үткәрелә. Былтыр 3-сө БРГИ-ның уҡыусылар һәм ата-әсәләре өсөн ойошторолһа, быйыл ҡала күләмендә үткәрергә булдыҡ. Был юлы ла, күңелендә ижад осҡоно булған бәйгеселәр һүҙ сәнғәтен яңы бейеклеккә күтәрҙе. Улар үҙҙәренең сығышы менән күңелдәрҙе тетрәндерҙе, сафландырҙы. Сараға ҡалабыҙҙың ағинәйҙәре, аҡһаҡалдары ла әүҙем ҡушылды. Конкурста еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. Байрамды ойоштороусылар исеменән бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән “Акрополь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсинға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәм. Киләсәктә был сара матур бер йолаға әүерелеп, йыл да юғары кимәлдә үтер тип өмөтләнәбеҙ, - ти 3-сө БРГИ-ның тәрбиә биреү буйынса директор урынбаҫары Земфира Усманова. Зарема ҒАБДУЛЛИНА, бәйгелә ҡатнашыусы: - "Йөрәк һүҙе"нә ҡыҙым менән бик тулҡынланып әҙерләндек, ни тиһәң дә күптән сәхнәлә шиғыр һөйләгән юҡ ине. Ҡалабыҙҙың 1-се һанлы "Гармония" мәктәбенең 7-се синыфында белем алған Айһылыу ҡыҙыма ла, миңә лә сара ифрат оҡшаны. Беҙ йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр итеп, Рафаэль Сафиндың "Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе"н һайлауыбыҙ отошло булғандыр, тип уйлайым. Шағирҙың һәр әҫәрендәге кеүек үк, бында ла күңелдең тик нескә ҡылдарын сиртеүсе һүҙҙәр, әлбиттә. Тамашасыларҙың күҙҙәре йәшләнеүе лә быны раҫланы ғына. Байрамдан ҡыҙым ҡанатланып ҡайтты, хатта, “уҡырға гимназияға күсәйемме икән әллә?”, - тип мине ҡыуандырып та ҡуйҙы. Бындай сараны үҙебеҙҙең "Айгөл" балалар баҡсаһында ла үткәрергә тип, мөдиребеҙ Әлфиә Шәрипова менән дәртләнеп ҡайттыҡ. Бәйгене ойоштороусыларға: ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғоловаға һәм 3-сө БРГИ-ның тәрбиә биреү буйынса директор урынбаҫары Земфира Усмановаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Ошо йылдың мартында коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" хәйриә акцияһы старт алғайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 823 уҡыусы гаджеттар менән тәьмин ителде. Билдәле булыуынса, әле тағы уҡыусылар 22 ноябргә тиклем дистанцион уҡыуға күсерелде. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" акцияһы буйынса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән йәнә 200 балаға гаджеттар тапшырылған. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беренсе сиратта IX синыф уҡыусылары тәьмин ителә. Ярҙамға мохтаж ғаиләләр исемлеген район һәм ҡала мәғариф бүлектәре төҙөй. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Музейҙағы “Артефакт” һанлы платформаһында әлеге күргәҙмәгә ҡағылышлы 30 экспонат тәҡдим ителә. Улар AR тигән махсус стикер менән билдәләнгән.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Республика Хәрби Дан музейында 1979-1989 йылдарҙағы Афған һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан егеттәренә арналған “Башҡортостандың яугир-интернационалистары” экспозицияһына мультимедиа-гид алымы булдырылды. Был эште башҡарып сығыуға “Мәҙәниәт” милли проекты булышлыҡ иткән. Музейҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан Афған яуында туғыҙ меңдән ашыу һалдат һәм офицер ҡатнаша, уларҙың 342-һе интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк була, алты һалдат хәбәрһеҙ юғала. 1200-ҙән ашыу Башҡортостан егете орден һәм миҙалдар менән наградлана. Музейҙағы “Артефакт” һанлы платформаһында әлеге күргәҙмәгә ҡағылышлы 30 экспонат тәҡдим ителә. Улар AR тигән махсус стикер менән билдәләнгән. “Артефакт” һанлы платформаһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған. Ул теләге булған һәр кемгә виртуаль ысынбарлыҡта мультимедиа-гид менән ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Музейға килеүселәр уның бушлай мобиль ҡушымтаһы менән файҙалана ала. Был осраҡта экскурсия үткәреүсенең ярҙамы кәрәкмәй, ҡушымта үҙе экспонаттар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыра. Медиа-гид менән нисек файҙаланырға? Бының өсөн телефонығыҙға “Артефакт” ҡушымтаһын күсереп алырға, артабан үҙегеҙгә кәрәкле музейҙы табырға, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған экспозицияны һайларға кәрәк. Музейҙың үҙендә булған саҡта "Өҫтәмә ысынбарлыҡ” тигән опция ярҙамында камераны экспонатҡа төбәп, уны бик ентекле өйрәнә алаһығыҙ. Ә инде музейҙан ситтә килеш “Каталог” режимына инеп, музей коллекциялары менән танышырға була. Ҡушымтаны iOS и Aндроидҡа App Store һәм Google Play магазиндары аша бушлай күсереп алырға мөмкин. Фото: tripadvisor.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Татарстанда урындағы эшҡыуар Евгений Деданинды атҡандар. Бынан ике йыл элек ул һаҡланыу сараһын күреп, өйөнә баҫып килгән уғрыларҙы үлтергән булған. 43 йәшлек эшҡыуарҙы офисы эргәһендә башына атҡандар, тип хәбәр итәләр Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығынан. Һамар өлкәһендә йәшәгән сит ил кешеһе үлтереүҙә ғәйепләнә, уны ҡулға алғандар, тип хәбәр итә ведомство. Тәфтиш комитеты Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса (үлетереү) енәйәт эше ҡуҙғатҡан. “Kazan First” һәм “Baza” порталдары сығанаҡтары мәғлүмәттәре буйынса, ҡулға алынған кеше 54 йәшлек Араик Мирзонян, тик әлегә был мәғлүмәт рәсми раҫланмаған. Мәғлүм булыуынса, эшҡыуар эргәһендә осраҡлы шаһит торған. Атҡан кеше уға ла ҡорал тоҫҡаған, тик атмаған. Евгений Деданин 2018 йылдың сентябрендә өйөнә баҫып ингән ике кешене үлтереүе менән билдәлелек яулай. Уны үҙен яҡлауҙа артыҡ көс ҡулланыуға бәйле хөкөм итергә теләһәләр ҙә, һөҙөмтәлә машинала әшнәләрен көткән аралашсыны ғына язаға тарттыралар. Уны баҫып талауҙы ойоштороуҙа ғәйепле тип хөкөмгә тарттыралар. Ул саҡта ике ҡораллы ир өйгә баҫып инә һәм эшҡыуарҙы, ҡатынды, таныштарын бәйләп, аҡса талап итә башлайҙар. Евгений Деданин ысҡынып, бысаҡ ала һәм уның менән ике уғрыны ла сәнсә. Бурҙар алған йәрәхәттәрҙән һәләк була. Тәфтишселәр уға ҡарата енәйәт эшен ҡаҙғатһа ла, Татарстан прокуратураһы был енәйәт эшен законһыҙ тип таный. Шулай итеп, Бөгөлмә районы суды Һамар өлкәһенән булған ике ирҙе һәм уларҙың әшнәләрен ғәйепле тип таба. Машинала көтөп ултырған ир алты йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылған. Евгений Деданин ҡатыны Олеся менән аҙыҡ-түлек магазиндары тотҡан һәм яҡшы килем алып эшләгән. Фото: nabchelni.bezformata.com Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Esh-iuar-i-ofisi-erg-end-at-andar-436181/ Башҡортостан гәзите сайтынан алынды Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылынан Мәҙинә Рәшитова отош уйынында төп приз – велосипед отҡайны. Бүләкте Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өсөнсө курсында уҡып йөрөүсе ҡыҙы Филүзә килеп алды. «Яңы йыл алдынан әсәйемдең суперприз отоуына бик шатбыҙ. Бер туған Айтуған ҡустым бигерәк ныҡ ҡыуанды. Әсәйем сюрприз яһайым, тип теләп йөрөгәйне. Бына ошо теләгенә иреште, Аллаға шөкөр. Рәхмәт, «Йәншишмә» гәзитенә. Уҡығыҙ, һәр ваҡыт бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ», – тине ул, башҡаларҙы ла яҙылырға өндәп. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Бөйөк Ватан һуғышы бик йыраҡта булһа ла уның тураһындағы хәтирәләр һәр саҡ беҙҙең менән. Ветерандарҙың, һуғыш михнәттәрен үҙ иңдәрендә татыған инәй-олатайҙарыбыҙҙың, улһыҙ, ирһеҙ, бәғзеләре атайһыҙ, һөйгән йәрһеҙ тороп ҡалғандарҙың яҙмыштары, кисерештәре мәңгелеккә уйылған. Еңеү байрамы йыл һайын оло тулҡынланыу, шатлыҡ шул уҡ ваҡытта юҡһыныу алып килә. Убалар ауылында йәшәүсе Бибиәсмә Шәйхетдин ҡыҙы Абдуллина ла майҙың был көнөн һағыш тулы күҙ йәштәре менән ҡаршы ала. — Атайым Шәйхетдин Фәтхетдин улы Моратов Юлыҡ ауылы егете, ә әсәйем Асия Ҡотдос ҡыҙы — Тирәкленеке. Уларҙың өйләнешеү тарихы бик үҙенсәлекле. 1930 йылда 21 йәшлек Шәйхетдин ҡыш айҙарында Тирәклегә килә. Таныштары уға әсәйемде димләй. Тәү күреүҙән үк әсәйебеҙҙе оҡшата, ләкин бер ҡаршылыҡ була — үҫмер ҡыҙ яңғыҙы етем ҡалған туғандарын тәрбиәләй һәм кейәүгә сыҡҡан осраҡта уларҙан айырылмаясағы, үҙе менән бергә алып китәсәге тураһында әйтә. Йәш егет ата-әсәһенең өс етем ейәртеп килгән киленде ҡабул итерҙәрме юҡмы тип бошоноп ҡайтып китә. Хәлде нисек бар шулай һөйләп биргәс, изге күңелле Фәтхетдин олатай ризалыҡ бирә. Ун йылдан артыҡ дуҫ-татыу йәшәп, балалар үҫтереп, донъя көтөп ятҡанда Германия һуғыш иғлан итә. Олатайымдың дүрт улы ла фронтҡа саҡырыла. Тәүҙә 18 йәшлек Нурислам китә һәм башҡаса әйләнеп ҡайтмай. Хәйрисламы яңы өйләнгән була, яуға алынғанда ике айлыҡ ҡына Нәсимә ҡыҙы тороп ҡала. Ул да хәбәрһеҙ юғала. Бары тик Динислам Моратов ҡына фашист илбаҫарҙарын еңеп, тыуған еренә иҫән-һау ҡайтып етә. Атайыбыҙҙың ул ваҡытта дүрт балаһы булғанға күрә хәрби комиссариат уны фронтҡа һуңлабыраҡ саҡыра. Ауылдың бер төркөм ирҙәрен ҡан ҡойғос алышҡа оҙатҡан көндө, бәләкәй булһам да, бөгөнгөләй иҫләйем. Ауыр тынлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың шым ғына сеңләүе, ҡарт-ҡороноң фатихалар биреп, юл доғаларын уҡыуҙары, йыуатыу тауыштары һаман ҡолаҡта сыңлай. Юл тоҡсайын әҙерләп йөрөгән әсәйемдең күҙҙәренән йәш эркелә. Атайым биш айлыҡ ҡына Миңлебай туғанымды ҡабат-ҡабат сәңгелдәктән ҡулына алып ҡыҫып ҡосаҡлай, беҙҙе һөйөп туя алмай. Уның күңеленең йомшарыуына шунда беренсе һәм һуңғы тапҡыр шаһит булдым. “Башҡа күрә алмаҫмын инде һеҙҙе, ҡәҙерлеләрем”,-тип бәхилләшеп ҡапҡанан сығып китеүе, әсәйемдең һығылып төшөүе бала сағымдың ҡыҙғаныс һәм аяныслы хәтирәһе. Атай — яуҙа, әсәйебеҙ көндө төнгә ялғап колхоз эшендә. Ул ауыл ҡатындары менән йылға аша яҙлы-көҙлө, ямғырмы, буранмы тип тормай, эшкә йөрөнө. Таң менән сығып китәләр ҙә, төнгә ҡарай берәмләп ҡайта башлайҙар. Беҙ, сабыйҙар, ауыл осондағы кәртәгә менеп ултырабыҙ ҙа, әрәмәлектәр аша әсәйҙәрҙең оло юлға сыҡҡанын көтәбеҙ. “Кешеләрҙең әсәләре ҡайта, ә беҙҙеке ҡайҙа икән?”- тип илап та ебәрәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙҙе күрһәк, шатланып уға ҡаршы йүгерәбеҙ. Эй, шул ваҡыттағы ҡыуаныуҙарыбыҙ! “Ҡошсоҡтарым, әйҙәгеҙ ҡайтайыҡ, асығып бөткәнһегеҙҙер”,-тип баштарыбыҙҙан һыйпай ҙа, етемһерәп көтөп торған өйөбөҙгә йүнәлә. Егәрле, сабыр әсәкәйебеҙ ҡырҙа ла тир түкте, беҙҙе ас итмәҫ өсөн һыйырҙан да өҙөлмәне, үҙе бесәнен дә, утынын да әҙерләне. Ауырлыҡтар уны бары сыныҡтырҙы ғына. 1943 йылдың август айында атай фронттан: “Һуғыштың иң дәшһәтле еренә эләктек, тере ҡайтырға мөмкинлек юҡ, балаларҙы арыу ҡара”,— тип хат ебәрә. Был уның һуңғы хәбәре ине. Беҙҙең яҡын кешебеҙ немец һалдаттары менән ҡанлы бәрелештә үлеп ҡала һәм сит ерҙәрҙә ятып ҡала. Ул туғандар ҡәберлегендә, башҡа бик күп яҡташтарыбыҙ менән бергә, ерләнгән. Әсәйемдең батыр йөрәкле ҡатын икәнлегенә ошо мәлдә тағы бер инандым. Оло ҡайғы кисергән ғәзизебеҙ һынманы, беҙҙе аяҡҡа баҫтырыр, етем итмәҫ өсөн көс тапты. Балаларына атай ҙа, әсәй ҙә булды. Ниндәй генә ауырлыҡтар күрһә лә мин уның уфтанғанын, төшөнкөлөккә бирелеп илап ултырғанын иҫләмәйем. Көслө рухлы, ғәҙел, егәрле кешебеҙ барыһына ла түҙҙе. Йәш кенә көйөнсә тол ҡалһа ла кейәүгә сыҡманы, ғүмер буйы атайыбыҙға булған мөхәббәтенә тоғро ҡалды һәм уның балаларҙы арыу ҡара, тигән высаятын теүәл үтәне,-тип тарихын тамамланы ағинәй. Тол ҡатындар иламай… Асия Ҡотдос ҡыҙы яҙмышы йәш быуын өсөн сағыу өлгө. Яу яланында һәләк булған ирҙәренә тоғро ҡалып, үҙәккә үтерлек яңғыҙлыҡты сабыр үткәреп, балаларын илебеҙҙең ысын илһөйәр кешеләре итеп үҫтергән, еңеү өсөн үҙ-үҙен аямай тир түккән, Ватаныбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа үҙ өлөштәрен керетеп, донъя йөгөн һис зарланмай алға тартҡан инәйҙәр ысын хөрмәткә лайыҡ. Дилара Бәҙретдинова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә баш табиптың урынбаҫары Илдар Бәхтийәров район-ҡалала коронавирус һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың таралыу кимәле тураһында мәғлүмәт бирҙе. Үткән аҙнала ковид инфекцияһы менән бер бала ауырыһа... Һаулыҡ нисек, баймаҡтар? Һаулыҡ нисек, баймаҡтар? Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә баш табиптың урынбаҫары Илдар Бәхтийәров район-ҡалала коронавирус һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың таралыу кимәле тураһында мәғлүмәт бирҙе. Үткән аҙнала ковид инфекцияһы менән бер бала ауырыһа, был аҙнала уларҙың һаны дүртәүгә еткән. Эш йәшендәге 29 кеше коронавирус менән ауырып амбулатор дауаланыу ала. Ә үпкәләре зарарланып өлгөргән 8 кеше (үткән аҙнала 6 кеше ине) госпиталгә оҙатылған. Киҫкен респиратор инфекция менән ауырығандар һаны (ОРЗ, ОРВИ) 11,9% артҡан. Илдар Сабир улы ковидты дауалау ысулдары үҙгәреүен, шуға күрә мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белдерҙе. Хәҙерге мәлдә башланған коронавирусҡа тән температураһы бер-ике көнгә генә күтәрелеүе, ныҡ итеп баш, тамаҡ ауыртыуы, ҡолаҡ шаулауы һәм күҙҙәрҙең ауыртыуы хас икән. Шулай уҡ йөрәк тирәһендә ниндәйҙер яныу тойолоуы ла бар.
Ап-аҡ ҡарлы урамдар буйлап “Ағинәй” мәсетенә табан туй кортежы елдерә. Кәләштәр зауыҡлы ап-аҡ күлдәктәр һәм фата урынына мосолман кейемдәре кейгән, ә Мендельсон маршы урынына аҙан тауыштары яңғырай. Сәскә гөлләмәләре, тулҡынланыуҙар һәм изге теләктәр, бүләктәр һәм байрам табыны – быларҙың барыһы ла ғаилә парҙары тормошондағы мөһим ваҡиға - алтын туйҙың онотолмаҫ миҙгелдәре булып хәтерҙә ҡалыр. Дим йылғаһы буйында урынлашҡан был башҡорт ауылы әйтерһең дә, үҙенә генә хас айырым ҡанундар буйынса йәшәй. Сурай бәләкәй ауыл булһа ла, унда проблемалар юҡ, тип әйтеп булмай, әммә халыҡ зарланып ултырмай, уларҙы бергәләп, кәңәшләшеп хәл итеү сараһын күрергә тырыша. Күрше ауылдарҙағы аҙ комплектлы мәғариф учреждениелары бер-бер артлы ябыла башлағас, урындағы уҡытыусылар, ҡулдарынан килгәндең бөтәһен дә эшләп, ауылда мәктәпте һаҡлап ҡала. Күптән түгел урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, зыяраттарҙы кәртәләп алғандар. Бөгөн инде яңы проект әҙерләү өҫтөндә эшләйҙәр. Ә яҡташтары ярҙамы менән төҙөлгән мәсет ысын мәғәнәһендә ауылдың йөҙөк ҡашына әйләнде. Сурай халҡы төрлө тантаналарға ошонда йыйыла. Ул ғына ла түгел, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл асып һәм мәсет тирәһен ихаталап алғандан һуң был урын Ҡыҙыл майҙанға оҡшап ҡалған. Мәсеттән һәр көндө яңғыраған аҙан тауыштары кешеләр күңеленә иман нуры өҫтәй. Өс ғаилә парының алтын туйын да сурайҙар “Ағинәй” мәсетендә уҙғарҙы. Юбилярҙар – Ғәзизә Ғата ҡыҙы һәм Марат Тимерхан улы Мөхәмәтшиндар, Гөлсәсәк Сәйетгәрәй ҡыҙы һәм Урал Ғайнулла улы Вәлиуллиндар, Рәшиҙә Хайтур ҡыҙы һәм Уралбай Алсынбай улы Хәсәновтарҙы матур ғүмер байрамдары менән ҡотларға балалары, ейәндәре, туғандары һәм күршеләре килде. Ә был тантананы ауыл Советы депутаты, ауыл старостаһы, ағинәй Зөбәржәт апай Ғәбделмәнова ойошторҙо. - Ярты быуат элек яҙмыш һеҙҙе ҡауыштырҙы. Бөгөн һеҙ ғаиләгеҙ йылъяҙмаһының алтын битен асаһығыҙ. Бер-берегеҙгә һөйөү хистәрен һаҡлап, мөхәббәтегеҙгә тоғро ҡалып, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә уртаҡлашып, ауырлыҡтарға бирешмәй, оҙон тормош юлы үттегеҙ. Һеҙ – ысын мәғәнәһендә бәхетле кешеләр. Күңелегеҙгә оҡшаған һөнәр һайлап, тыуған ерегеҙҙә ал-ял белмәй эшләнегеҙ, лайыҡлы балалар үҫтерҙегеҙ, хәҙер инде ейәндәрегеҙ һәм бүләләрегеҙ һеҙҙе уңыштары менән ҡыуандыра. Һеҙҙең тормош юлығыҙ –йәш быуын өсөн матур өлгө, - тип билдәләне Зөбәржәт Садиҡ ҡыҙы. Ҡармыш ауыл Советы башлығы Дауыт Шәкүров алтын юбилярҙарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау открыткаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ғаилә парҙарын тәбрикләргә Зәкиә Солтангәрәева етәкселегендә мәктәп уҡытыусылары делегацияһы ла килгәйне. Оҙаҡ йылдар урындағы хужалыҡ рәйесе булып эшләгән ветеран-аграрсы Хәмит Ризуанов та юбилярҙарға изге теләктәрен әйтте. Имам-хатип Жәүит хәҙрәт фатихаһынан һуң, йола буйынса кейәүҙәр кәләштәренә бүләктәр бирҙе. Ҡул эштәренә маһир кәләштәр ҙә яуапһыҙ ҡалманы, тормош иптәштәренә генә түгел, тантанаға килеүселәргә лә бүләктәр таратты. Алтын ғаилә парҙары бер-береһенә туй балдаҡтары ла кейҙерҙе. Ә инде бәхетле ғаилә сере менән уртаҡлашыуҙы һорағас, улар йылмайып: “Илле йыл күп һымаҡ тойолһа ла, ғүмер бер миҙгелдәй үтте лә китте. Яҙмыш һынауҙарына ҡарамай, бәхетле һәм шатлыҡлы мәлдәр генә хәтерҙә ҡалды... Сабыр булыу, бер-береңде һөйөү, ихтирам итеү һәм хәстәрлек күреү – ғаилә бәхетебеҙҙең сере бына шунда инде”, - тип яуап бирҙе. Юғарыла әйтелгәндәргә өҫтәп, бәхетле парҙар һәр ауылды биҙәп йәшәһен, ә сурайҙар бындай тантаналарҙы йышыраҡ үткәрһен, тип әйтергә генә ҡала. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Мин райондағы эшҡыуарҙар һәм фермерҙар эше менән 1995 йылдан уҡ таныш. 20 йыл эсендә берәүҙәр үҙ эштәрен асып, уңышлы эшләп киттеләр, икенселәре башланылар ҙа - ташланылар, өсөнсөләре иһә бер башлап, бер ташлап, йәнә эш асып, һөҙөмтәләргә ирешергә тырыша. Сөнки беҙҙең заманда үҙеңә эшләү, тәү ҡарашҡа, ябай ғына күренһә лә - еңел түгел. Йәшергән ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында эшҡыуарлыҡ һәм фермерлыҡ киң йәйелдерелгән. Быға ҡаланан һәм район үҙәгенән алыҫ урынлашыу, урмандар, мал тоторға көтөүлектәр, бесәнлектәр етерлек, бал ҡорттары үрсетергә бөтә шарттар булыуы булышлыҡ итә. Бөгөн Йәшергән ауылынан Ғимазовтар, Ғиләжевтар, Нуриевтар, Айтуғандан Кинйәбуҙовтар, Түбәнге Ибрай ауылынан Насретдиновтар, Шафиҡовтарҙың малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарында эштәре көйлө генә бара. Ә бына эшҡыуарҙар Венер Шәйхулов, Рәфил Әхмәҙиев һәм Илнур Сабирйәнов көнбағыш майы һыҡтырыу менән шөғөлләнәләр. Күптән түгел бер танышым үҙе менән бергә Түбәнге Ибрай ауылына Сабирйәновтарға көнбағыш илтеп килеүемде һораны. Алдан шылтыратып, беҙҙе тиҙерәк хеҙмәтләндереүен һораным. - Килегеҙ. Эшләрбеҙ, - тип ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе ул. Ысынлап та , беҙҙе тиҙ хеҙмәтләндерҙеләр. Эшселәрҙең береһе көнбағыштың дымлылығын тикшерҙе, икенсеһе бушатты, өсөнсөһө тейешле күләмдә майҙы сығарып та бирҙе. Төшкө ял ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла теүәл эшләй. Бина эсендә таҙа, бөхтә, цехҡа килеү юлдары һәйбәт, СССР осорона ҡайтҡан кеүек булдым. И.Сабирйәновтың ғаиләһен 1996 йылдан алып беләм. Ул ваҡытта Илнур колхозда (хәҙер «Альянс» йәмғиәте) инженер булып эшләй ине. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан беҙ - район ауыл хужалығы идаралығы белгестәре Эрнест Яҡупов, Риф Ғәлләмов, Фәнил Минибаев, Фларит Искәндәров һәм ошо юлдар авторы механизаторҙарға аттестация үткәрә инек. Эштәр тамамланғас, Илнур беҙҙе мотлаҡ ата-әсәһенә төшкө ашҡа алып ҡайта торғайны. Әсәһе Кәүсәриә апай менән тормош иптәше Зөмәрә ханым әҙерләгән аштың тәме әле лә иҫтә. Ә атаһы Әхтәм ағайҙың фәһемле кәңәштәре, тормоштағы төрлө мәсьәләләрҙе нисек хәл итергә өйрәтеүҙәре күңелгә һеңеп ҡалған. Бөгөнгө көндә лә Илнурҙың эштәре көйлө генә бара, тип әйтеп булмай.Тормош бит ул. Цехта ватылыуҙар ҙа, май һатыуҙа ҡыйынлыҡтар ҙа булып тора. Әммә мин уның ҡыҙып-ҡыҙып, ҡысҡырып, асыуланғанын ишеткәнем юҡ, ул барыһын да тыныс ҡына әҙәпле итеп эшләй һәм хәл итә. Илнур тормош иптәше менән ҙур йорт һалып сығып, матур итеп йәшәйҙәр, Айнур, Эльвина һәм Ислам исемле өс бала үҫтерәләр. Оло улдары Өфө нефть институтын тамамлап, заводта эшләй, икеһе мәптәптә уҡып йөрөй. Балалары ата-әсәһенең күҙ ҡарашынан нимә әйтергә уйлағанын аңлап, бәхетле тормошта йәшәйҙәр. Көн буйына юлда, эштә йөрөп арығандан һуң, Илнур кистәрен спорт залында волейбол уйнарға ла ваҡыт таба. 2012 йылда беҙ Илнур менән райондан Ҡазанға Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙар съезына барҙыҡ. Өс көндә республика ауылдары һәм Ҡазан ҡалаһы буйлап күп нимәләр күреп, өйрәнеп ҡайттыҡ. Шул ваҡыттан алып Илнурҙы был форумға, шулай уҡ Рәсәй татарҙар һабантуйына йыл һайын саҡыралар. Уҙған йәй Йәшергәндә Татар милли мәҙәниәте көндәре үткәрелде, бында ла Илнур әүҙем ҡатнашты Ул шулай уҡ үҙенең ауылында ауылдаштаряҡташтар осрашыуын матур һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо, бында өс йөҙҙән ашыу кеше йыйылды. Тыныс холоҡло, изге эштәр, бихисап саралар үткәргәндә бағыусылыҡ ярҙамы менән ул яҡташтары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Шуға ла уны ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар, һәр төрлө ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәләр. Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡай телендә һөйләшеп, ауылдың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп, тырышып эшләп йәшәгән Илнур Әхтәм улы Сабирйәнов кеүек көслө рухлы егеттәр булғанда ауылдың даны оҙаҡ йылдар дауам итер һәм уның халҡының киләсәккә ышанысы артыр. Фәрит ИСКӘНДӘРОВ. Стәрлебаш ауылы. Фото ғаилә альбомынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Февраль айында республиканың ҡала һәм район халҡына яңы коммуналь хеҙмәт - ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн квитанциялар таратылды. Ҡайһы бер түләү ҡағыҙҙарында ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәттәр бар, шул арҡала хаҡтар ҙа юғары күрһәтелгән. Был осраҡта түләүҙе ҡабаттан иҫәпләтеү өсөн төбәк операторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беҙҙең ҡала “Эко-Сити” операторы хеҙмәтләндергән зонаға ҡарай. Был ойошманың матбуғат хеҙмәте халыҡты борсоған ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар әҙерләп бирҙе. 1. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыуға килешеү нисек һәм ҡайҙа төҙөлә? Ниндәй документтар кәрәк? - 1 ғинуарҙан ҡаты комму-наль ҡалдыҡты йыйыу, сығарыу, эшкәртеү һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү кеүек үк яңы коммуналь хеҙмәт булып тора. «Эко-Сити» төбәк операторы менән хеҙмәт күрһәтеүгә килешеүҙе 3-сө хеҙмәтләндереү зона-һындағы бөтә кешеләр ҙә төҙөргә тейеш. Уның проекты компанияның www.roecocity.ru, ҡала һәм район хакимиәттәре сайттарында урынлаштырылған. Документ-ты энергия һатыу компанияһы офистарында ла юллап була. Күп фатирлы йорттарҙа килешеүҙәр идара итеүсе компаниялар менән төҙөлә. 2. Ҡаты ҡалдыҡ өсөн түләү нисек иҫәпләнә? - Түләү фатирҙа йәки йортта йәшәүсе һәр кешегә төбәк власть органы раҫлаған тариф буйынса иҫәпләнә. Сүп-сар даими сығарылған ерҙәрҙә был хеҙмәткә 70 һум алына. РФ-тың Торлаҡ кодексына ярашлы, ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу хеҙмәте өсөн кеше ваҡытында түләргә тейеш. Бурыс барлыҡҡа килгән осраҡта төбәк операторы судҡа бирергә хоҡуҡлы. 3. Кешенең ике фатиры йәки йорто булып, уның һүҙҙәре буйынса, берәүһе бөтөнләй файҙаланылмай, ти. Ул икенсе адрес буйынса ла түләргә тейешме? - Эйе. Торлаҡ кодексына ярашлы, бер нисә милек хужаһы булған кеше үҙе йәшәгән урын буйынса ғына түгел, барлыҡ адрестары буйынса коммуналь хеҙмәттәргә түләргә бурыслы. 4. Милекселәр, фатирҙа пропискала булған кешеләр тураһындағы мәғлүмәт ҡайҙан алына? Квитанцияла кеше иҫәбе дөрөҫ бирелмәһә нимә эшләргә? - Төбәк операторҙары федераль ҡануниәткә нигеҙ-ләнеп ҡулланыусылар тураһын-дағы мәғлүмәтте милек, юридик шәхес реестрынан һәм башҡа асыҡ мәғлүмәттәрҙән ала ала. Квитанцияларҙа етешһеҙлектәр асыҡлана, мәҫәлән, торлаҡта күберәк кеше йәшәй тип бирелгән икән, төбәк операторы дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе еткереүҙе һорай. Шул саҡ квитанциялар төҙәтелеп, түләү ҙә ҡабаттан иҫәпләнәсәк. Бының өсөн торлаҡ милексеһе паспортын, идара итеүсе компаниянан алынған ғаилә составы тураһындағы белешмәне фотоға төшөрөп йәки сканер аша үткәреп, үҙегеҙҙең адресығыҙҙы, исем-шәрифтәрегеҙҙе һәм квитанцияла нимәне төҙәтергә кәрәклеген билдәләп, [email protected] электрон почтаға ебәрегеҙ. Әгәр электрон почта аша ебәреү мөмкинлеге юҡ икән, ошо уҡ документтарҙың күсермәләрен почта аша 453124, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18-се йорт, 4-6 кабинет адресы буйынса ебәрегеҙ. Тағы ла бер ысул - ЭСКБ офисына мөрәжәғәт итеү. Бер адресҡа ике түләү квитанцияһы килгән осраҡта ла, ошо уҡ юл менән хәбәр итергә. Ә түләүҙе тик бер квитанция буйынса ғына башҡарығыҙ. 5. Балам икенсе ҡалала йәшәй, ирем йыш ҡына бер нисә айға вахтаға китә. Йәйен башлыса дачала йәшәйбеҙ. Был осраҡтарҙа түләүҙе кәметеп буламы? - Коммуналь хеҙмәттәр, шул иҫәптә ҡаты ҡалдыҡтар өсөн түләүҙе ҡабаттан иҫәпләү РФ Хөкүмәтенең 354-се ҡарары менән раҫланған. Әгәр милексе йә иһә торлаҡта теркәлгән башҡа кеше унда күпмелер ваҡыт йәшәмәй икән, ул төбәк операторына (энергия һатыу компанияһына ла ярай) йәки идара итеүсе ойошмаға ғариза һәм уның ситтә булыуы тураһында документтарҙы тапшырырға тейеш: командировкаға ебәреү тураһындағы бойороҡ йәки юл йөрөү билеттары күсермәлә-ре, стационар медицина, ши-фахана-курорт учреждение-ларында дауаланыу тураһында белешмә, баланың ваҡытлыса мәктәп-интернат, уҡыу һәм башҡа учреждениела тәүлек әйләнәһенә йәшәүе хаҡында белешмә, ғөмүмән, кешенең оҙайлы ваҡытҡа йәшәү урынан китеүен раҫлаусы документтар. 6. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүҙә кемдәр льготаға хоҡуҡлы? Уны нисек юлларға? - Башҡортостанда граж-дандарға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә киткән сығым-дарын компенсациялауҙың ике төрө бар. Беренсеһе - ул айлыҡ аҡсалата компенсация, икенсеһе - субсидия. Ай-лыҡ аҡсалата компенсация Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәт ветерандары, ин-валидатарға, инвалид ба-ла ҡараусы ғаиләләргә, радиация тәьҫиренә би-релгән граждандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә, хеҙмәт ветерандарына, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә ҡаралған. Әгәр граждандың коммуналь хеҙмәттәренә киткән сығымдары ғаилә килеменең ошо хеҙмәттәргә билдәләнгән сығымдар өлө-шөнән артып китә икән, ул субсидия юллай ала. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаилә өсөн был сумма - 15, яңғыҙ пенсионерҙар өсөн - 18, башҡа граждандар өсөн 20 процент тәшкил итә. Айлыҡ аҡсалата ком-пенсация йәки субсидия алыусыларға бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итеү талап ителмәй. Февралдә барлыҡҡа килгән яңы сығымдарҙан һуң уларҙың компенсациялары автоматик рәүештә ҡабаттан иҫәпләнә. Ә инде субсидия йәки компенсация юлларға уйлаһағыҙ, йәшәгән урынығыҙ буйынса халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына йә иһә күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кәбеҫтәнең дауалау ҡөҙрәте боронғо римлеләргә үк билдәле булған. Көкөрт, кальций, калий, фосфор, магний, тимергә, витаминдарға, фитонцидтарға бай йәшелсә алыҫ төньяҡ һәм сүллектәрҙән тыш бөтә ерҙә лә үҫә. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалауҙа киң ҡулланыла, эс ҡатҡанда ярҙам итә, организмдан холестеринды ҡыуа, һутының эренләп торған яраларҙы тиҙ бөтәштереүе билдәле. Кәбеҫтә һис кенә лә һимертмәй, 100 грамм йәшелсәлә бары 28 килокалорий ғына. Бихисап төрҙәре араһында беҙҙә яратып ашалғаны – аҡ күсәнле кәбеҫтә. Ҡат-ҡат булып йомарланған итләс япраҡтарҙан төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Мүк еләге менән турама 400 г кәбеҫтәгә 100 г мүк еләге, 200 г тауыҡ бауыры, 1 алма, 4 ҡалаҡ зәйтүн майы, 1 балғалаҡ шәкәр, тәменсә тоҙ, ҡара борос, ярты балғалаҡ аш һеркәһе кәрәк. Йәшел тәмләткес үләндәр ҡушырға мөмкин. Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Алманы әрсеп, уртаһын алабыҙ ҙа һалмалап киҫәбеҙ. Тауыҡ бауырын эре киҫәктәргә бүлеп, ҡыҙыу майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Зәйтүн майына аш һеркәһе, тоҙ, борос, шәкәр һалып болғатабыҙ. Барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ. Лаханоризо 600 г кәбеҫтәгә 1 стакан дөгө ярмаһы, 2 баш һуған, 300 мл томат һуты, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, шәкәр, шәфәри үләне кәрәк. Әсе борос, тәмләткестәр ҡушырға мөмкин. Һуғанды әрсеп, ярымҡулсалап турайбыҙ. Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп ҡырҡабыҙ. Уларҙы ҡыҙыу майлы табаға һалып, ҡыҙҙырып алабыҙ. Дөгө ярмаһы һалабыҙ, тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушып болғатабыҙ. Томат һуты ҡоябыҙ ҙа ҡайнатып сығарабыҙ, шунан утты кәметәбеҙ. Артабан өҫтөн ҡаплап 15 минут самаһы быҡтырабыҙ. Әҙер­леген дөгө ярмаһының бешеп сығыуына ҡарап самалайбыҙ. Өҫ­төнә шәфәри үләне һибәбеҙ. Был ризыҡ эҫе килеш тә, һалҡын көйө лә тәмле. «Шницель» Ярты кг кәбеҫтәгә 2 йомортҡа, 50 г әстрхан сәтләүеге, 80 г шөкәрә, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк. Ҙур булмаған йәш кәбеҫтәне күсәненән япраҡтары ысҡынмаҫлыҡ итеп кенә өлөштәргә бүләбеҙ ҙә, һәр бер киҫәкте ҡайнап торған тоҙло һыуға һалып, 3-4 минут бешереп алабыҙ. Һыуын һарҡытабыҙ. Йомортҡаны һытабыҙ, тоҙ, борос өҫтәп, сәнске менән туғыйбыҙ. Әстрхан сәтләүеген, шөкәрәне ваҡлайбыҙ ҙа бергә ҡушып бутайбыҙ. Һыуынған кәбеҫтә киҫәген йомортҡаға манып алабыҙ һәм шөкәрәлә әүәләйбеҙ. Майлы табаға кәбеҫтә киҫәктәрен һалып, 180 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. 40 – 60 минут бешерәбеҙ. Сәнске еңел генә инһә, әҙер була. Табынға ҡаймаҡ йәки үҙегеҙ яратҡан соус менән тәҡдим итергә мөмкин. Йөҙөмлө турама 300 г кәбеҫтәгә 250 г төшһөҙ йөҙөм емеше, 1 кишер, 1 алма, 4 ҡалаҡ йогурт, 1 ҡалаҡ лимон һуты, тәменсә тоҙ кәрәк. Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Алманы әрсеп, һалмалап турайбыҙ. Йөҙөм емешен уртаға бүләбеҙ. Барыһын бергә һалабыҙ ҙа лимон һуты, йогурт, тоҙ ҡушып бутайбыҙ. Алһыу кәбеҫтә 1,5 кг кәбеҫтәгә 1 сөгөлдөр, 1 баш һарымһаҡ, 1-2 әсе борос, 150 г шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 4-5 бөртөк хуш еҫле борос, 2 лавр япрағы, 4 ҡәнәфер тәмләткесе, 1 стакан аш һеркәһе кәрәк. Кәбеҫтәне шырпы ҡабы ҙурлығындағы шаҡмаҡтарға бүләбеҙ. Сөгөлдөрҙө нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Һарым­һаҡты әрсейбеҙ. Стерилләнгән банкаға кәбеҫтәне һарымһаҡ тырнаҡтары, сө­гөлдөр менән аралаштырып тултырабыҙ. Шунда уҡ ваҡланған әсе боросто ла һалып ебәрәбеҙ. Күләмен белер өсөн, тултырғансы һыу ҡоябыҙ, шунан уны кәстрүлгә бушатабыҙ, тағы 1 стакан һыу өҫтәйбеҙ. Ҡәнәфер, шәкәр, тоҙ, лавр япрағы, хуш еҫле борос һалып, һыулы кәстрүлде утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, маринадты талғын ғына утта 5 – 7 минут тота­быҙ. Банкаға аш һеркәһе, маринад ҡоябыҙ ҙа еңелсә ҡаплап, 3 – 6 көнгә ултыртып ҡуябыҙ. Асыҡ бөйөрөк Ярты кәбеҫтәгә 1 баш һуған, 70 г ҡаты сыр, 250 г он, 100 г аҡ май, 60 г һыу, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 балғалаҡ кейәү үләне (йә үҙегеҙ яратҡан тәмләткес), тәменсә тоҙ, борос, 1-2 ҡалаҡ кедр сәтләүеге кәрәк. Онға өйҙә тороп йомшарған аҡ майҙы һалып ыуабыҙ. Һалҡын һыуға тоҙ һалып иретәбеҙ һәм ыуаланған онға ҡушабыҙ. Тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Нәҙек итеп туралған кәбеҫтә менән һуғанды майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ, тоҙ һалабыҙ. Һыуынғас, ҡырғыстан үткәрелгән сыр ҡушып бутайбыҙ, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы махсус ҡағыҙҙа түңәрәкләтеп йәйәбеҙ ҙә, ситтән 4-5 см ҡалдырып, уртаһына эслекте һалабыҙ, өҫтөнә кедр сәтләүеге һибәбеҙ. Ҡамырҙың ситтә ҡалды­рылғанын бөкләп сығабыҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә ярты сәғәттән ашыу бешерәбеҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ил башлығы ошо турала авиация төҙөлөш тармағына ярҙам һәм үҫтереүгә бағышланған кәңәшмәлә әйтте.#ВладимирПутин Ил башлығы ошо турала авиация төҙөлөш тармағына ярҙам һәм үҫтереүгә бағышланған кәңәшмәлә әйтте. Уның билдәләүенсә, һуңғы арала Рәсәйҙәге коронавирусҡа бәйле хәлде иҫәпкә алып, халыҡҡа һәм бизнесҡа ҙур ярҙам төрҙәре тәҡдим иткәйнек. «Ошо яңылыҡтан һуң, икенсе көнөнә миллиондан ашыу кеше «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр өсөн бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумлыҡ ярҙам алыуға ғариза бирҙе. Һәм был портал бындай мөрәжәғәт күләмен эшкәртә алманы. Хәҙер был йүнәлештә Элемтә министрлығы эште яйға һалыу буйынса эштәр алып бара, ләкин киләсәктә бындай хәлде булдырмаҫ кәрәк», – тине Владимир Путин. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Бөгөн Владимир Путин йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Сара ваҡытында колл-үҙәк эшләне. Унда дәүләт башлығы исеменә бөтә Рәсәй халҡынан һорауҙар килде. Тура эфирҙа яңғыраған бер һорау Башҡортостан кешеһенеке булды. Күмертау ҡалаһынан Әлгизә Туҡтарова ноябрь һәм декабрь айҙарында үҙенең туғыҙ айлыҡ балаһына пособие ала алмағаны тураһында әйтеп, уның киләһе йылда булыу-булмауы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Владимир Путин белдереүенсә, әгәр әсә ноябрь, декабрь өсөн аҡса ала алмаған икән, тимәк, ғәмәлдәге ярҙам системаһында проблемалар килеп сыҡҡан. Ул ҡатындың ҡайҙан яҙғанын асыҡларға, уның проблемаһын хәл итергә ҡушты. – Ғәмәлдәге системаның эшен көйләргә кәрәк, аҙаҡ инде яңы түләүҙәр тураһында уйларға, – тине Владимир Путин. Мөрәжәғәт итеүсенең Башҡортостандан икәнлеген белгәс, ул беҙҙең етәкселеккә ҡарата үҙ фекерен дә белдерҙе. – Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләгән йәш, әүҙем етәксе, минеңсә, ул әле беҙҙе мотлаҡ ишетә. Эйе, ҡайһы берҙә пособиелар түләүҙә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе бар, мәсьәлә хәл ителер тип уйлайым, – тине ул.
2020 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк бюджет аҡсаһының дөйөм күләме 31,1 миллиард һум тәшкил итә, шуның 20 миллиард һумы федераль ҡаҙнанан бүленә. Федераль финанслау кимәле буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында, Һамар өлкәһенән ҡала, икенсе урынды биләй. Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт”, “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” кеүек милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелде. “Милли проекттарҙы үтәү бурысын беҙҙең иңдән берәү ҙә алманы. Был йәһәттән, ысынлап та, яҡшы эшләйбеҙ. Өлгәшелгәндәр байтаҡ. Ирекмәндәребеҙгә ҙур рәхмәт. Коллегаларымдан милли проекттарҙы ваҡытында финанслау мәсьәләһен аныҡ көйләү өсөн федераль министрлыҡтар менән әүҙемерәк эшләргә саҡырам”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. Әйткәндәй, быйыл “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проекты нигеҙендә Башҡортостанда 20 мәҙәниәт ойошмаһы төҙөү, капиталь төҙөкләндереү һәм реконструкциялау күҙаллана. Фото: culture.bashkortostan.ru Автор: Лилия Давлетбакова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Бынан теүәл ярты быуат элек, Мораптал урта мәктәбендә хеҙмәт юлымды башлағанда, миңә тәүләп ауыл ҡарттарының береһе Абдулла Вәхитов менән танышырға тура килгәйне. Аҡыллы ҡарашы, төплө һүҙе менән ул шунда уҡ минең иғтибарымды йәлеп итте. Танышлыҡ дауамында мин уның «ябай» ауыл ҡарты булмауына, ҙур хеҙмәт һәм һуғыш юлы үткән абруйлы ветеран булыуына төшөндөм. 1900 йылда донъяға килгән ауыл малайы үҙенең тырышлығы менән мәҙрәсә белеме алған, граждандар һуғышынан һуң, «ликбез»дар осоронда уҡытыусы булып киткән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғыштан һуңғы йылдарҙа совет-партия эшендә көс түккән ағай ине ул. Бынан теүәл ярты быуат элек, Мораптал урта мәктәбендә хеҙмәт юлымды башлағанда, миңә тәүләп ауыл ҡарттарының береһе Абдулла Вәхитов менән танышырға тура килгәйне. Аҡыллы ҡарашы, төплө һүҙе менән ул шунда уҡ минең иғтибарымды йәлеп итте. Танышлыҡ дауамында мин уның «ябай» ауыл ҡарты булмауына, ҙур хеҙмәт һәм һуғыш юлы үткән абруйлы ветеран булыуына төшөндөм. 1900 йылда донъяға килгән ауыл малайы үҙенең тырышлығы менән мәҙрәсә белеме алған, граждандар һуғышынан һуң, «ликбез»дар осоронда уҡытыусы булып киткән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғыштан һуңғы йылдарҙа совет-партия эшендә көс түккән ағай ине ул. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың йөҙ йыллығына мәҡәлә әҙерләгәндә (мин был ваҡытта «Кызыл таңдың» үҙ хәбәрсеһе булып эшләй инем) Абдулла Вәхитов ағай менән тағы осрашырға тура килде. Уға нисек мөрәжәғәт итмәйһең инде: йырсыны ул бит күреп белгән, Юшатыр буйы һуҡмаҡтарын бала саҡтарында улар бит бергә тапаған. Һуңынан мин уның тураһында ла яҙҙым әле, очерегымды «Быуат йәштәше» тип атаным. Билдәле, ҡарт уҡытыусының балалары тураһында ла яҙмай булдыра алманым. Улар береһе лә аталары, уҡытыусы әсәләре йөҙөнә тап төшөрмәгән бит. Рәүеф менән Йәүҙәт - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Хәрби академиялар тамамлап, полковник дәрәжәһенә күтәрелгән офицерҙар, Ләлә - ветврач, Шәүкәт, Лилиә - уҡытыусы, Роза… Альберт - таусы, КПСС съезы делегаты, Алик - табип, Лениза - бөтә Күмертау халҡы ихтирам иткән стоматолог… Уларҙың бөтәһе тураһында ла һөйләй башлаһаң, гәзит биттәре етмәҫ ине. Бөгөнгө һүҙебеҙ уҡытыусы Абдулла Вәхитовтың уҡытыусы ҡыҙы Лилиә Агишева тураһында. Педагогия институтын тамамлаған Ришат менән ауыл хужалығы институтында агроном һөнәре үҙләштергән Лилиә йәш ғаилә булып 1962 йылда килеп төшә Яҡшымбәткә. Ир мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте предметын уҡыта башлай. Ҡатынға колхозда вакансия юҡ. Уның ҡарауы мәктәптә химия предметы уҡытылмай. Мәктәпте көмөш миҙалға, институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлаған агроном химияны белмәйме лә, биология фәнендә балыҡ кеүек йөҙмәйме. Ҡыҫҡаһы, башы ҡатҡан мәктәп директоры өсөн ҙур табыш була Лилиә Абдулла ҡыҙы Агишева. Бына шулай башлана уның ярты быуатҡа һуҙылған педагогик хеҙмәт юлы. Ғүмерҙәренең һигеҙ йылы Яҡшымбәттә үтә йәш педагогтарҙың. Улар мәктәп коллективының да, ауыл халҡының да ихтирамын яулай. Ошонда ҡыҙҙары Гүзәл менән Алиса тыуа. Тик күңелдәре һәр ваҡыт тыуған ауылдарына тартып тора. Ниһайәт, мөмкинлек тыуыу менән, 1973-тә Морапталға ҡайтып төпләнәләр. Ул заманды «торғонлоҡ йылдары» тип атап маташһалар ҙа, минең бының менән бер ҡасан да килешкәнем булманы. Мораптал ауылының, ете йөҙләп бала белем алған Мораптал урта мәктәбенең сәскә атҡан сағы, тип атар инем мин был осорҙо. Атаҡлы колхоз рәйесе Әфтәх Ишмаев һәм атҡаҙанған уҡытыусы, мәктәп директоры Рафиҡ Сыртлановтар осоро. Лилиә Абдулла ҡыҙы менән Ришат Сәмиғулла улы баштары менән эшкә сума. Ярай әле матур ҙа, тырыш та булып үҫеп килгән ҡыҙҙары ҡул араһына инә башлай. Минең байтаҡ таныштарым, дуҫтарымдың исем-фамилиялары мәғәнәһендә соҡоноу ғәҙәтем бар. Агишевтар - ағиш-аҡ менән иш. Яңрай бит! Беҙ ул ваҡытта бергә эшләнек, ғаиләләр менән дуҫ булып аралашып йәшәнек. Әле лә бер-беребеҙҙе ташлаған юҡ. Икеһенең дә, үҫеп еткән ҡыҙҙарының да, ысынлап та, күңел дәрте һәр ваҡыт аҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы был донъянан иртәрәк китте. Ә инде яҙмабыҙ героиняһына килһәк… Лилиә Абдулла ҡыҙы мәктәптә етмеш бер йәшен тултырғансы эшләне әле. Химия - бик еңел һәм ҡыҙыҡлы фәндәрҙән түгел. Ул уны балалар өсөн ҡыҙыҡлы итә алды. Уҡытып сығарған меңләгән балалары араһынан бик күптәре ошо профессияны, йә, булмаһа, химия менән бәйле һөнәрҙәрҙе һайланы. Был педагогтың профессионализмы түгелме ни! Тик профессиональ оҫталыҡ бының менән генә тамамланмай бит әле. Уҡытыусы эшендә уның кешелек сифаттары ла бик ҙур роль уйнай. Асыҡлыҡ, тәбиғилек, ярҙамсыллыҡ, балаларҙы яҡшыға, яманға бүлеп ҡарамау, бөтәһенең дә тормошта үҙ урынын табырына ышаныу… Былар бөтәһе лә Лилиә Абдулла ҡыҙына хас сифаттар. Уның асыҡлығы хатта йомшаҡлыҡ дәрәжәһендә, тип әйтер инем мин. Тик был һыҙаты һис кенә лә дәрестәрендәге талапсанлығын һыҙып ташлай алмай. Уны уҡыусылары тыңланылар, предметын үҙләштерҙеләр, үҙен хөрмәт иттеләр. Осрашыуҙарға Яҡшымбәт, Морапталдың әбейҙәр, бабайҙар булып бөткән элекке уҡыусылары йыйыла. Лилиә Абдулла ҡыҙын хөрмәтләп өҫтәл башына ултырталар, тәүге һүҙҙе уға бирәләр. Рустарҙа «Бывших учителей не бывает» тигән әйтем бар. Был һүҙҙәр тулыһы менән Лилиә Абдулла ҡыҙына ҡағыла, тиһәк тә, яңғылышмаҫбыҙ. Әле һаман уҡыта ул. Берҙәм дәүләт имтиханы итеп химияны һайлаған уҡыусылар, медицина университетына, педагогия университетының химия, биология факультеттарына, нефть университетына инергә теләүселәр, өҫтәмә әҙерләнеү өсөн Лилиә апаларына киләләр. Әҙерләй, тырыш егеттәр, ҡыҙҙарҙың имтиханды уңышлы тапшырыуҙарын тәьмин итә. Лилиә Абдулла ҡыҙы мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән коллегалары Фатима Рәжәпова, Рауза Абдуллина, Фирҙәүес Ғисмәтуллина, Мәрфуға Мөлөкова, Рәсимә Әкбәровалар менән дә теләп аралаша. Морапталға сираттағы барыуыбыҙҙа беҙгә бик күркәм бер сараның шаһиты булырға тура килде. Пенсионер уҡытыусылар ауыл музейына йыйылғандар ҙа уҡытыусы-шағирә Рәмилә Ҡужаҡованың шиғырҙарын тыңлайҙар, фекерҙәре менән уртаҡлашалар. Ҡыҙҙары Гүзәл менән Алиса, ата-әсә юлын дауам итеп, уҡытыусылыҡ һөнәрен һайланы. Гүзәл, ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлаған ине. Һуңынан Бөрө педагогия институтының химия, биология факультетын тамамлап мәктәпкә эшкә күсте. Тормош иптәшенең тыуған яғы Илеш районында ул маҡтаулы уҡытыусыларҙың береһе. Алиса, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтында химия, биология уҡытыусыһы (тағы ла химбиолог!) һөнәрен үҙләштерҙе. Тормош иптәше менән Таймаҫта йәшәйҙәр, ауыл гимназияһының маҡтаулы уҡытыусыһы. Ата-әсә йортонда бергә йыйылғанда улар ҙур ғаилә булып китә: ике ҡыҙ, ике кейәү, дүрт ейән, өс ейәнсәр… Уҡытыусы атай, олатай Ришат Сәмиғулла улын һағынып иҫкә төшөрәләр, ә әсәй, өләсәй Лилиә Абдулла ҡыҙы улар өсөн һәр ваҡытта, һәр эштә өлгө булып ҡала. Ошо көндәрҙә улар әсәй, өләсәйен һикһән йәшлек юбилейы менән ҡотларға йыйыласаҡ. Ҡотлауға уҡытыусының Рәсәйҙең, сит илдәрҙең бик күп төбәктәренә таралған уҡыусылары ла, ауылдаштары ла, яҡташтары ла, замандаштары ла ҡушылыр тигән өмөт бар. Беҙ ҙә, ошо ҡотлауҙарға ҡушылып, Лилиә Абдулла ҡыҙы Агишеваға - УҠЫТЫУСЫҒА - һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләйек. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
17 декабрҙə төбəк етəксеһе "Телəктəр шыршыһы" Бөтə Рəсəй акцияһында ҡатнашты. Радий Фəрит улы "Башҡортостан" ДКЗ-һында урынлаштырылған Яңы йыл ҡупшыҡайынан акцияла ҡатнашыусыларҙың телəктəре яҙылған өс шар уйынсығын алды.9 йəшлек Михаил Манулин электрон микроскоп тураһында хыялланғаны 17 декабрҙə төбəк етəксеһе "Телəктəр шыршыһы" Бөтə Рəсəй акцияһында ҡатнашты. Радий Фəрит улы "Башҡортостан" ДКЗ-һында урынлаштырылған Яңы йыл ҡупшыҡайынан акцияла ҡатнашыусыларҙың телəктəре яҙылған өс шар уйынсығын алды. 9 йəшлек Михаил Манулин электрон микроскоп тураһында хыялланғаны асыҡланды. 15 йəшлек Роман Щекатуров өлкəндəр йөрөтə торған өс тəгəрмəсле велосипед алғым килə тигəн. 65 йəшлек Татьяна Буланкина иһə ҙур экранлы планшетым булһын ине тип яҙған. – Был өс хыялды мин мотлаҡ үтəйәсәкмен, – тине Радий Хəбиров. – Рəсəй Президенты Владимир Путиндың инициативаһы буйынса башҡарылған ошо проект бик изге маҡсатты үтəй. Был айырыуса ауыр үтеп барған 2020 йылда бик мөһим. Пандемия һөҙөмтəһендə беҙ үтəргə тейешле бурыстарҙан кешелəр ыҙаламаҫҡа тейеш. Ошо сəбəпле беҙ республика Хөкүмəтенəн һəр беребеҙ бында килеп шыршынан шар сисер һəм унда яҙылғанды тормошҡа ашырыр тип һөйлəштек. Телəктəрҙе бəлəкəй балалар һəм һаулыҡтары яғынан үҙенсəлектəре булған өлкəндəр яҙған. Улар Яңы йыл алдынан мөғжизə көтə - шуны тормошҡа ашырыу беҙҙең бурыс. Белешмə: "Телəктəр шыршыһы" Бөтə Рəсəй акцияһына 5 декабрҙə илебеҙ лидеры Владимир Путин башланғыс бирҙе. Унда етем балалар, аҙ тəьмин ителгəн ғаилəлəрҙəн балалар, һаулыҡтары ғүмерҙəренə хəүеф менəн янаған ололар ҡатнаша. Ғаризалар 16 ноябрҙəн 15 декабргəсə ҡабул ителде. Башҡортостандан акция сайтына 500-ҙəн ашыу телəк ебəрелгəн. Уларҙы 28 февралгə тиклем тормошҡа ашырасаҡтар. Фото: Т. Аманов. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.