text
stringlengths 369
192k
|
---|
Өфөлә күренекле бейеүсе, хореограф, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Фәйзи Ғәскәровҡа бағышланған «Фәйзи Ғәскәров доументтарҙа һәм ҡыҙының хәтирәләрендә» китабы баҫылып сыҡты. Автор һәм төҙөүсе – журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Дмитрий Ефремов китапты Ғәскәровтарҙың ғаилә архивындағы документтарға һәм фотоһүрәттәргә таянып яҙған, уларҙы маэстроның ҡыҙы Гөлнара Фәйзи ҡыҙы Айытҡолова (Ғәскәрова) баҫтырып сығарырға хәл иткән.
Өфөлә күренекле бейеүсе, хореограф, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Фәйзи Ғәскәровҡа бағышланған «Фәйзи Ғәскәров доументтарҙа һәм ҡыҙының хәтирәләрендә» китабы баҫылып сыҡты. Автор һәм төҙөүсе – журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Дмитрий Ефремов китапты Ғәскәровтарҙың ғаилә архивындағы документтарға һәм фотоһүрәттәргә таянып яҙған, уларҙы маэстроның ҡыҙы Гөлнара Фәйзи ҡыҙы Айытҡолова (Ғәскәрова) баҫтырып сығарырға хәл иткән.
«Улар (документтар һәм фотоһүрәттәр — Ред.) Фәйзи Әҙеһәм улы үткән ҡатмарлы тормош юлы хаҡында тарихи яҡтан дөрөҫ мәғлүмәттәр бирә. Уның башҡорт балетына һәм милли хореографияға нигеҙ һалыу эшенең мөһим яғын яҡтырта. Китапта тәүге тапҡыр Ғәскәровтың ғаилә фотоһүрәттәрен күрергә, Фәйзи Әҙеһәм улының ҡатынына, дуҫтарына һәм фекерҙәштәренә яҙған хаттары менән танышырға мөмкин», — тип билдәләгән автор инеш һүҙҙә.
Китапта Ғәскәровтың хаттары, документтары, ҡулъяҙмалары, бейеү элементтары төҙәтеүһеҙ баҫылған.
16 мартта «Торатау» конгресс-холында ансамблдең концерты барышында Фәйзи Ғәскәров тураһында китаптың исем туйы ойошторола.
Читайте нас в
Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина. |
"Аҡбуҙат"ҡа яҙылыу дауам итә, дуҫтар! Иртәгә — ташлама менән яҙылыуҙың һуңғы көнө... Ашығығыҙ, өлгөрөп ҡалығыҙ! Юлыҡ ауылы һылыуы, "Шоңҡар" журналының өлкән мөхәррире Рәзинә Зәйнетдинова ла, Ғафури районы ағинәйҙәренә ҡушылып, ағаһы Руслан Зәйнетдиновтың ғаиләһенә баҫмабыҙҙы киләһе ярты йыллыҡҡа яҙҙыртып, һөйөндөрҙө!
"Аҡбуҙат"ҡа яҙылыу дауам итә, дуҫтар! Иртәгә — ташлама менән яҙылыуҙың һуңғы көнө... Ашығығыҙ, өлгөрөп ҡалығыҙ!
Юлыҡ ауылы һылыуы, "Шоңҡар" журналының өлкән мөхәррире Рәзинә Зәйнетдинова ла, Ғафури районы ағинәйҙәренә ҡушылып, ағаһы Руслан Зәйнетдиновтың ғаиләһенә баҫмабыҙҙы киләһе ярты йыллыҡҡа яҙҙыртып, һөйөндөрҙө!
Рәзинәнән яҙылыу эстафетаһын күп балалы әсәй, Юлыҡ ауылы почта бүлексәһендә эшләүсе Резеда Ҡужина ҡабул итеп алды. Әйткәндәй, карантин ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, Юлыҡ почта бүлексәһе һәр ваҡыт асыҡ тора. Ә инде Резеда Ҡужина ал-ял белмәй эшләй, милли матбуғатыбыҙҙы таратыуҙа, үҫтереүҙә ҙур өлөшөн индерә, ти егәрле хеҙмәткәр тураһында ауылдаштары.
Резеда, үҙ сиратында, яҙылыуҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәзилә Зәйнуллинаға тапшырҙы. Ә уҡытыусынан баҫмаға яҙылыу Красноусол ҡасабаһында балалар табибы булып эшләүсе, ике игеҙәк ҡыҙҙар үҫтереүсе Зөлфиә Камалетдиноваға күсте. Зөлфиәнән "Аҡбуҙат"ҡа яҙылыу сиратын ағинәй-сәсәниә, хаҡлы ялдағы уҡытыусы һәм өләсәй Рима апай Рафиҡова һәм Һабай ауылынан Рәзилә Хәбибуллина ҡабул итеп алды.
Афарин, "Аҡбуҙат"лы Юлыҡ ауылы халҡы!
Читайте нас в
© «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә.
Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы. |
Һеҙ төҙөгән йорттарға һөйөү һалынған! Бөгөн ҡалабыҙҙа торлаҡ төҙөү эштәре әүҙем бара, яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм социаль инфраструктураның башҡа объекттары ҡалҡып сыға. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең баһаһы асыҡтан-асыҡ күренеп тора, һеҙ төҙөгән йорттарҙың барыһы ла беҙҙең ҡала халҡы өсөн кәрәк һәм уларға һәр саҡ ихтыяж ҙур.
Стәрлетамаҡтың төҙөлөш өлкәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булған юғары класлы белгестәр эшләй. Һеҙ булдырғандарҙың барыһына ла көс һәм белем генә һалынмаған. Һәр төҙөлөш объектында – һеҙҙең ҡулдарығыҙҙың йылыһы һәм тыуған ҡалабыҙға һөйөү һалынған.
Төҙөлөш өлкәһенә ғүмерҙәрен бағышлаған ветерандарыбыҙға айырым рәхмәт әйтке килә. Улар төҙөгән биналар һәм йорттарҙың күбеһе әле һаман да Стәрлетамаҡтың визит карточкаһы булып тора. Был – намыҫ менән төҙөлгән ныҡ һәм уңайлы ҡоролмалар.
Хөрмәтле төҙөүселәр! Ысын йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, аҡ бәхеттәр һәм һеҙҙең данлы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем! Яңынан-яңы идеяларығыҙ тыуып торһон әйҙә!
Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.
Читайте нас в
Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите
Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679.
1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы.
Телефон
Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73 |
Кассирҙарҙа нимә булған? Башҡортостанда йәнә бер банк хеҙмәткәрҙән зыян күргән Баш ҡала банктарының берәүһендә хеҙмәткәр ҡатынды ҡулға алғандар. Уны аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр. 6,5 миллион һум аҡсаның етешмәүе ревизия мәлендә асыҡланған. Финанс-кредит ойошмаһының вәкиле полицияға мөрәжәғәт иткән. Оператив-эҙләү сараларынан һуң полиция банк кассиры енәйәткә ғәйепле тип тапҡан. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 39 йәшлек хеҙмәткәр ай дауамында аҡсаны алған, ревизия алдынан бер миллион һумды алып сыҡҡан.
Баш ҡала банктарының берәүһендә хеҙмәткәр ҡатынды ҡулға алғандар. Уны аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр.
6,5 миллион һум аҡсаның етешмәүе ревизия мәлендә асыҡланған. Финанс-кредит ойошмаһының вәкиле полицияға мөрәжәғәт иткән. Оператив-эҙләү сараларынан һуң полиция банк кассиры енәйәткә ғәйепле тип тапҡан. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 39 йәшлек хеҙмәткәр ай дауамында аҡсаны алған, ревизия алдынан бер миллион һумды алып сыҡҡан.
Был хәлгә ҡарата енәйәт эше асылған. Шиккә алынған ҡатын полиция бүлегенә килтерелгән.
«Әлеге ваҡытта ул РФ Енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһына ярашлы ҡулға алынған. Ҡылынған хәл буйынса тикшереү үткәрелә», — тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Луиза Хәйруллинаның банкты талауы буйынса тикшереү дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1333591-v-ufe-zaderzhali-sotrudnitsu-banka-po-podozreniyu-v-khishchenii-6-5-mln-rubley/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Айбулат Ишназаров/.
Читайте нас в
Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина. |
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм:“Әгәр кеше Бәҡара сүрәһенең ахырғы 2 аятын уҡыһа, улар уны барлыҡ яманлыҡтарҙан тыйып ҡалырҙар”, - тип әйткән.Көндөҙ һәм төндә һәр ваҡыт әлеге доғаны уҡырға кәрәк:
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм:
“Әгәр кеше Бәҡара сүрәһенең ахырғы 2 аятын уҡыһа, улар уны барлыҡ яманлыҡтарҙан тыйып ҡалырҙар”, - тип әйткән.
1. Көндөҙ һәм төндә һәр ваҡыт әлеге доғаны уҡырға кәрәк:
Әғүүҙү бикәлимәәтил–ләәһит–тәәммәәти мин шәрри мәә халәҡ.
Мәғәнәһе: Аллаһ барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтарҙан Уның камил һүҙҙәре менән һыйынам.
Был һүҙҙәрҙе юлда һәм берәй өйҙә туҡтағанда ла әйтергә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ саләллаһу ғәләйһис-сәләм әйткән: ,,Юлда йәки берәй өйҙә туҡтағас, ,,Аллаһ барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтарҙан Уның камил һүҙҙәре менән һыйынам“ ,тип әйткән кешегә юлға ҡуҙғалғансы бер нәмәлә зыян килтерә алмаҫ”.
2. Иртән һәм кисен 3 тапҡыр был доғаны уҡырға кәрәк :
Бисмилләәһил- ләҙии ләә йадурру мәғәсмиһи шәй-үн фил-арди үә ләә фис-сәмәәә-и үә һүәс-сәмииғул –ғәлиим.
Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән,Уның исеме менән ерҙә лә, күктә лә һис нәмә зарар килтерә алмай. Сөнки Ул –һәр нәмәне ишетеүсе, Белеүсе.
Был аят һәм зикерҙәр – уларҙы ихластан Аллаһға ышанып һәм тәүәккәл ҡылып уҡыған кешеләр өсөн сихырҙан һаҡланыуҙың иң мөһим саралары. Был шулай уҡ, һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып ялбарған осраҡта, сихыр һәм боҙом зарарын бөтөрөү сараһы ла булып тора. |
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында «Ижад теләктәр шыршыһы» акцияһын ойоштора.
Ижади теләктәр тормошҡа ашырыласаҡ!
Акцияла ҡатнашыу өсөн ижади йүнәлештә матди булмаған теләктәр ҡабул ителә:
«Роль» кеүек теләк («Мин спектаклдә, фильмда уйнарға, сәхнәлә танылған артист менән сығыш яһарға хыялланам»); «Осрашыу» кеүек теләк («Билдәле артист, йырсы, спортсы һәм башҡалар менән осрашырға хыялланам»); «Маҡсат» кеүек теләк («Мин сәхнә артындағы күренештәрҙе күрергә хыялланам», «Йондоҙ менән йырларға» һәм башҡа), Кинотеатрҙарға, концерттарға, спорт сараларына (хоккей) барыу.
«Быйыл беҙ ҡатнашыусыларҙың һәм балаларҙың теләктәрен башҡарыусыларҙың сиктәрен бер аҙ киңәйтергә ҡарар иттек. Акцияла ҡатнашыу өсөн быйыл беҙгә Луганск Халыҡ Республикаһынан һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан килгән балаларҙы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын саҡырабыҙ. Теләктәрҙе үтәүселәр сифатында йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәрен, депутаттар һәм теләгән һәр кемде йәлеп итергә теләйбеҙ. Яңы йыл байрамы һәм шатлыҡ бүләк итербеҙ, тип ышанабыҙ. Бөгөн беҙ бик күп акциялар үткәрәбеҙ, улар аҙ тәьмин ителгәндәргә һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж кешеләргә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Минеңсә, хәҙер, илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа эшләгән барлыҡ эштәребеҙ ҙә бик мөһим», - тип билдәләне партияның төбәк бүлексәһе сәркәтибе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.
Теләктәр 15 декабрҙән 29 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50 адресы буйынса «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында ҡуйылған йәшниктә ҡабул ителә. Проект координаторының телефоны: 8 (347) 273-72-54.
Ҡатнашыу өсөн үҙеңдең ижади хыялыңды яҙырға, үҙеңдең исем-фамилияңды, атайыңдың исемен һәм телефон номерыңды күрһәтергә кәрәк. |
Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһына 200-ҙән ашыу бүләк тапшырҙылар. Был тупланмаларҙы ауыр сир үткәргән балаларға бирәсәктәр.
Акцияны “Башҡортостан Республикаһы әсәйҙәре” йәмәғәт ойошмаһы һәм “Башҡортостан лидерҙары” берләшмәһе ағзалары ойошторған. Сара ауырыу кисергән балаларға ярҙам итеү һәм уларҙың һәр береһенең үҙенсәлекле булыуын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бүләктәрҙе дезинфекция саралары менән таҙартып, дауахананың ете бүлегенә тапшырасаҡтар. “Лидерҙар ҡумтаһы” хәйриә акцияһы былтыр көҙ башланғыс алған.
"Дауахананың икенсе бүлектәренә өҫтәмә алып килеү талап ителһә, әлбиттә, беҙ уны эшләйәсәкбеҙ. Өҫтәп, балалар өсөн саралар ойошторорға тырышабыҙ. Тик әлегә быны атҡарыу мөмкин түгел, сөнки дауахана һәм башҡа балалар учреждениелары ябыҡ режимда, карантинда. Балалар өсөн саралар ойоштора алмаһаҡ та, бүләк булһа ла бирә алабыҙ", – ти “Башҡортостан Республикаһы әсәйҙәре” йәмәғәт ойошмаһының күҙәтеү советы рәйесе Диана Фәррәхова.
“Һәр балаға, әгәр ул ныҡ бәләкәй булмаһа, ошондай уйынсыҡтар ҡыуаныс бүләк итә, ауыртыулы манупуляциянан һуң хәлен еңеләйтеүгә булыша. Беҙ пациенттарға мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ”, – тип белдерҙе Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибының медицина часы буйынса урынбаҫары Диана Вәлиева.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/Dauahanala-i-balalar-a-b-l-k-tapshirildi-298783/
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. |
Көслө, матур, яңғырауыҡлы тауыш бөтә залға тарала. Ҡатмарлы партияны йырсы еңел генә ала – һәр хәлдә ситтән миңә шулай тойола. Илһамланып йырлап, репетиция залына минең ингәнде лә шәйләмәй ҡала. Кем тиһегеҙме? Һүҙҙе бөгөн Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең йәш таланты Айгиз УЙЫЛДАНОВ хаҡында алып барам. Күптән түгел ул абруйлы академик йырлау буйынса «Браво!» VII республика конкурсында профессионал солистар араһында I дәрәжә лауреат исемен яуланы. Ошо уңайҙан Айгиз менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Йәштәр аудиторияһы поп, эстрада музыкаһына өҫтөнлөк биргән заманда академик йыр сәнғәтен һайлаған йәш егет ҡыҙыҡһыныу уята. Айгиз, ни өсөн тап шундай етди йүнәлеш?
– Хәтеремдә, беренсе тапҡыр Лучано Павароттиҙың йырлағанын ишеттем, шул тиклем күңелемә инде. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул минең кумирым булып ҡала килә. Уның сығыштарын ҡарап, илһам алам. Академик йыр йүнәлешендә шөғөлләнә башлауыма, моғайын, уның ижады менән танышыу этәргес булғандыр. Башта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияла ныҡлап шөғөлләнә башланым, артабан Өфө сәнғәт колледжында БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Йосопова класында, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре профессор Фәрзәнә Сәғитова кластарында уҡыу бәхете тейҙе. Остаздарымдан уңдым, рәхмәтлемен уларға.
– Эстрада йырҙарынан бөтөнләй баш тарттың буламы?
– Төп йүнәлешем – академик йырлау булһа ла, репертуарымда төрлө жанрҙағы йырҙар бар, шул иҫәптән башҡорт, татар, инглиз, итальян телендә лә, мин уларҙың барыһын да берҙәй яратып башҡарам. Матур мәғәнәле, кешене ниндәйҙер уйға һалырлыҡ, тулҡынландырғыс композициялар йөрәгемә яҡын.
– «Ҡурай-TV» каналының «Ҡурай ынйылары» телевизион проектында II дәрәжә лауреат, «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсында II дәрәжә лауреат исемен яуларға өлгөргәнһең, ниһайәт, Нефтекамала I дәрәжәгә лә күтәрелдең! Ҡотлайбыҙ! Был конкурс тураһында ентекләберәк һөйләп үт әле.
– Конкурс – ул һәр ваҡыт үҙ кимәлеңде, алған йүнәлешең дөрөҫмө, түгелме икәнлеген билдәләргә ярҙам иткән үҙенсәлекле компас булып тора. Шуға мин төрлө бәйгеләрҙә йыш ҡатнашам, уларға бик етди әҙерләнәм, тулҡынланам. Быйыл был конкурс Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланды һәм Бөрө, Мәләүез, Нефтекама, Өфө, Октябрьский, Салауат, Сибай, Туймазы ҡалалары, Баҡалы, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Хәйбулла райондарынан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Профес-сионалдар номинацияһында 40-тан ашыу артист көс һынашты. Билдәле шәхестәр – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары: БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, БР-ҙың атҡаҙанған ар-тисы Лариса Әхмәтова, Любовь Буторина шулай уҡ «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡса-нова алдында һынау тот-тоҡ. Еңеүемә, әлбиттә, бик шатмын! Артабан да үҙемдең өҫтөмдә эшләүемде дауам итәсәкмен. Алла бойорһа, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашырға ине иҫәп.
– Республикабыҙҙың баш ҡалаһында нисәмә йыл уҡып, Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, донъялар тарайып ҡалманымы? Күбеһе, киреһенсә, бәләкәс ҡаланан мегаполисҡа китеү яғын ҡарай...
– Был аҙымыма мин тамсы ла үкенгәнем юҡ. Коллективта мине йылы ҡабул иттеләр, йәштәр булыуы ҡыуандыра, бер команда булып эшләп киттек матур ғына.
– Команда менән эшләйбеҙ, тигәнеңде асыҡлабыраҡ китһәң ине...
– Әҙәби-музыкаль лекторий коллективы тураһында һүҙ. Мәктәп йәшендәге балалар өсөн ҡыҙыҡлы, заманлаштырылған программалар әҙерләргә тырышабыҙ. Музыка тарихы, классик композициялар, ком-позиторҙар, төрлө музыка ҡоралдары – ғөмүмән, музыка донъяһы менән таныштырыу эшен үтәйбеҙ. Был яуаплы ла, бер үк ваҡытта мауыҡтырғыс та.
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт! Һиңә ижади уңыштар, тағы ла мәртәбәлерәк еңеүҙәр, яңы проекта уңыштар насип булһын!
Әңгәмәне Рәмилә АҠСУРИНА ҡорҙо.
Хәйҙәр Һибәтов фотоһы.
Читайте нас в
Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите
Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679.
1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы.
Телефон
Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73 |
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Башҡортостандың демографик киләсәге: замандың яңы талаптары” парламент тыңлауҙарында сығыш яһаны.
Уның әйтеүенсә, республикалағы демографик хәлгә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, үлем кимәленең тыуымдан юғарыраҡ булыуы хас. Кире динамика 2017 йылдан күҙәтелә.
– 2019 йылда 41767 сабый тыуған, йәғни 2018 йыл менән сағыштырғанда биш меңгә аҙыраҡ. Тыуым менән үлем араһындағы сальдо минус 7300 кеше тәшкил иткән, – тине министр.
Ленара Иванова үҙенең сығышында сабыйҙар һанының кәмеүенә килтергән төп сәбәптәргә, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген хәстәрләү алымдарына, ЭКО ғәмәлдәрен арттырыуға туҡталды. Демографияға йоғонто яһау факторҙары иҫәбенә ул “Асыҡ бала табыу йорто” концепцияһын, “Уңайлы медицина тикшереү” проектын, “Сабый тыуҙы” суперсервисын тормошҡа ашырыуҙы, инфраструктураны, сертификаттар ситемаһын үҫтереүҙе һ.б. индерҙе.
Министрлыҡ федераль һәм республика кимәлендә күрелгән өҫтәмә сараларға халыҡтың баһаһын артабан да өйрәнәсәк һәм анализлаясаҡ.
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации |
Кешелектең тәбиғәткә мөнәсәбәте хәҙерге замандың актуаль мәсьәләләренән һанала. Сәнәғәт үҫеше һыуҙарҙың, һауа, ерҙең бысраныуына килтерҙе, ул, үҙ сиратында, кеше сәләмәтлегенә ҡурҡыныс менән янай. Күбебеҙгә экология культураһы етмәй. Был, һис шикһеҙ, уҡытыу-тәрбиә эшенең тейешле дәрәжәлә булмауы, халҡыбыҙға тәбиғәткә ҡарата дөрөҫ ҡараш формалаштыра белмәүе һөҙөмтәһе. Мәғариф системаһы ғына экология буйынса белем һәм тәрбиә биреүҙе алға ебәрә алмай. Махсус түңәрәктәр генә экология проблемаларын хәл итмәй. Ул комплекслы булырға, үҙенең эсенә бик күп төрлө форма һәм алымдарҙы индерегә тейеш. Шуларҙың береһе - экологик һуҡмаҡ, сөнки тәбиғәт менән аралашыу кешенең иң ҙур ихтыяжы һанала. Бындай сәйәхәт үҙебеҙ йәшәгән төбәктәге, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын тәрәнерәк өйрәнергә, проблемалар менән яҡыныраҡ танышырға, сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлыраҡ булырға, тирә-яҡтың гүзәллеген күрә белергә, тормошто тағы ла яратырға өйрәтә. Элегерәк яҙын ағас ултыртырға, поход, экскурсияға уҡыусыларҙы алып барыу бер ни тормай ине. Хәҙер һаҡлыҡ, хәүефһеҙлек саралары тип, әллә күпме сәбәп табыла.
Кешелектең тәбиғәткә мөнәсәбәте хәҙерге замандың актуаль мәсьәләләренән һанала. Сәнәғәт үҫеше һыуҙарҙың, һауа, ерҙең бысраныуына килтерҙе, ул, үҙ сиратында, кеше сәләмәтлегенә ҡурҡыныс менән янай. Күбебеҙгә экология культураһы етмәй. Был, һис шикһеҙ, уҡытыу-тәрбиә эшенең тейешле дәрәжәлә булмауы, халҡыбыҙға тәбиғәткә ҡарата дөрөҫ ҡараш формалаштыра белмәүе һөҙөмтәһе.
Мәғариф системаһы ғына экология буйынса белем һәм тәрбиә биреүҙе алға ебәрә алмай. Махсус түңәрәктәр генә экология проблемаларын хәл итмәй. Ул комплекслы булырға, үҙенең эсенә бик күп төрлө форма һәм алымдарҙы индерегә тейеш. Шуларҙың береһе - экологик һуҡмаҡ, сөнки тәбиғәт менән аралашыу кешенең иң ҙур ихтыяжы һанала. Бындай сәйәхәт үҙебеҙ йәшәгән төбәктәге, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын тәрәнерәк өйрәнергә, проблемалар менән яҡыныраҡ танышырға, сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлыраҡ булырға, тирә-яҡтың гүзәллеген күрә белергә, тормошто тағы ла яратырға өйрәтә. Элегерәк яҙын ағас ултыртырға, поход, экскурсияға уҡыусыларҙы алып барыу бер ни тормай ине. Хәҙер һаҡлыҡ, хәүефһеҙлек саралары тип, әллә күпме сәбәп табыла.
Танышым иллене уҙғас, ғаиләһе менән балыҡ ҡармаҡларға дәрт иткән. Һаҙан, суртан, ажау, опто, бурыш, ҡыҙылғанат кеүек балыҡтарҙы таный башлаған. Һыулауға төшкән ҡоралайҙарға ҡарап һоҡланған. Йөҙөп йөрөгән һыу ҡомағы, балыҡ сәлдергән шәшке, йылға буйындағы ағастарҙы йыҡҡан ҡондоҙҙарҙы беренсегә күреп, үҙе йәшәгән яҡ тәбиғәтен белмәүе тураһында асыш яһаған. Шул уҡ ваҡытта усаҡ эргәһендә сүп-сар, буш шешәләр ҡалдырып киткән әҙәмдәргә йәне көйөүе тураһында һөйләп торҙо.
Ерҙә тереклекте һаҡлап ҡалыу өсөн, тыуған ереңдең хужаһы булыу ғына етмәй, мәрхәмәтле, изге күңелле булырға кәрәк. |
Был материалды күптән яҙырға уйлап йөрөһәм дә, боҙом, сихыр юҡ ул, тигәстәр, туҡтап ҡалғайным. Әле бына “Мир” каналынан ҡараған тапшырыу киренән ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте. Унда һыуҙың, әйткән һүҙеңә ҡарап, төҙөлөшө үҙгәреүен күрһәттеләр.
Ә түбәндәге хәлгә мин үҙем шаһит булдым.
1976 йылда инәйем ныҡ ҡына ауырып китте. Йөрәктән йыл буйы дауаханала ятты. Һарғайып, ҡураныс ҡына булып ҡалды.
Каникул ваҡытында, һыйыр һауышырға, тип, әсәйем мине уларға ебәрҙе. Матур, йылы яҙ. Бөтә халыҡ эргәтирәһен матурлай. Олоғара дебет шәл ябынған инәйем уларҙы иламһырап, эсе бошоп күҙәтеп ултырғанында:
-Бабайың мине Белорет дауаханаһына алып барып ҡарай. Хәлем бөттө, үләрем, ахыры. Их, балаларым ҡала инде, - тигәйне.
Мин йәшлегем менән бик төбөнә төшөп һорашып торманым. Инәйем 95 йәшкәсә йәшәп мәрхүмә булды. Бер мәл беҙгә ҡунаҡҡа килгәндә, ҡыҙыҡһынып, унан теге хәл хаҡында һорап ҡуйҙым. Ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Теге мәл Белоретҡа китеп барғанда Ҡағыла автобус боҙолдо. Урыҫ белештәргә барҙыҡ. Эй тәмле генә тоҙло кәбеҫтә ашы еҫе сыға, ашағым килә, тик сусҡа ителер, тип тартынып ултырам. Әбейе сыуаш икән , ә уларҙа күрәҙәлек тә бар бит. Бабайың менән урыҫса һөйләшәләр. -Ҡатыныңа әйт, - ти икән.
- Сусҡа ите түгел, йылҡы ите. Ашаһын, ашағыһы килеп ултыра. Дауаханаға алып барһаң, үлтереп, тейәп ҡайтаһың, берәй мосолман муллаһына күрһәт. Боҙом эшләгәндәр, уныһы йәнләнгән, йөрәген кимерә. Тиҙ арала күрһәт.
Бабайың мине дауаханаға түгел, ә Аҙнағол муллаһына алып барҙы. Ул тоҙ өшкөрөп бирҙе һәм шуны, кеше аяғы баҫмаҫ элек таң һыуы алып, шуға ҡушып эсергә ҡушты. Йыл үткәс кенә ҡоҫҡанда ауыҙымдан май ҡуңыҙы кеүек бер нәмә килеп сыҡты. Әлдә генә мулла әсәйем эргәмдә ине. Ул боронғоса ағас көрәк менән алып, юл сатына ташлатты.
Ҡайтҡанда ул доға уҡып, мин йырлап ҡайттым. Аллама рәхмәт. Шәбәйеп киттем.
Шәбәйгәндер, беҙгә байрамға килеп, сәхнәлә, 100-гә етәм, тип тыпылдатып бейеп йөрөнө.
Иҫ китмәле егәрле ине ул. Эшләмәгән эше ҡалманы. Бәйләү, сигеү, тегеү кеүек эштәрҙең ҡулынан килмәгәне булманы.
Миңә лә иҫкәртеп ҡуйҙы: “Насар йәшәһәң - кеше үсәй, матур йәшәһәң – күрә алмай. Аң бул. Шикләнгән кешең булһа, бер ҡалаҡ ҡына ризығын ситкә ҡой. Миңә лә ризыҡҡа ҡушып биргәндәр”.
Дөрөҫтөр. Ана бит, насар һүҙ әйтһәләр, тап-таҙа һыу ҙа ҡапҡара төҫкә инә. Аң булайыҡ, һау булайыҡ. Бер-беребеҙгә изгелекле булып йәшәйек. |
Шулайтмай булмай, бер йыл буйы тырышҡан эштәренең һөҙөмтәһе ул - ППМИ программаһында еңеп, балаларға уйын майҙансығы ҡуйҙылар.
М. Исҡужин исемендәге прогимназияның икенсе корпусына. Хатта ҡала башлығы Олег Фролов үҙе лә, сабыйҙарҙың шатлығын күрергә тип, килгән. Унан тыш, урынбаҫары Т. Лихачева, мәғариф идаралығы начальнигы Т. Юлусова, РПЛИ директоры В. Сабанчин һәм беҙ фәҡирегеҙ булдыҡ.
Прогимназия директоры Әнисә Түләгәнова, үҙенә берәй ҡыйбатлы әйбер алып биргәндәрме ни, шатлығынан ни эшләргә белмәй йөрөй.
- Балалар бәхетле булһын - төп теләк шул, - тине.
Башҡалар уның һүҙен йөпләне.
"Носа носа" көйөнә, башҡортса һүҙҙәр һалып, йырланы балалар, ололар, түҙмәй, торған ерҙәрендә бейеп торҙолар.
Һауанан ҡотороноп ҡар яуа. Епшек. Бала саҡтар иҫкә төшөп китте, ошондай мәлдә ҡарҙы тәгәрәтеп, ҙур итеп, түңәрәкләй инек тә ҡар бабай яһай инек. Өҫ-баш лыҡ һыу була, ә, өшөп-туңһаң да, барыбер бәхеттең уртаһында йөҙәһең... Ниндәй генә заман булһа ла, бала-саҡ бәхетле булырға тейеш.
Олег Юрьевичҡа бүләк бирҙеләр - тирмә. Ысын тирмә түгел, уйынсыҡты, эсе тулы кәнфит. Ҡала башлығы кәнфиттәрҙе бер үҙе ашарға оялдымы, балаларға таратып сыҡты. Тегеләр, шатлыҡтарын үрле-ҡырлы һикереште. Ҡарап тороуы күңелле, онотолоп китеп, улар менән бергә саҡ уйнарға төшөп кителмәне, бала саҡҡа кире ҡайтыу теләге ҙур ине.
Яңы балалар майҙансығы ҡотло булһын, унан гел күңелле көлөшкән тауыштар ғына яңғыраһын.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас в
Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан» |
Бөйөк Ватан һуғышы — илебеҙҙе тетрәндергән иң аяныслы тарихи ваҡиғаларҙың береһе. Ул ҡалдырған тәрән эҙ йөрәктәрҙә һаман уңалмай. Быйыл Бөйөк Еңеүгә — 75 йыл. Ошо иҫтәлекле көн айҡанлы районыбыҙҙа илһөйәрлек, батырлыҡ, оло быуын кешеләренә, һуғыш ветерандарына хөрмәт һәм дан тәрбиәләгән саралар уҙғарыла.
Еңеү яҙын 75-се тапҡыр ҡаршы алыусылар рәте йыл һайын кәмегәндән-кәмей бара. Дошманға ҡаршы алышҡа һәр ғаилә 3-4-әр кешеһен яуға оҙата. Уларҙың күбеһе шул китеүҙән башҡа әйләнеп ҡайта алмай. Зәйет ауылынан да фашист илбаҫарҙарынан илебеҙҙе азат итеүҙә ҡатнашыусылар байтаҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн улар бик аҙ ҡалды. Ил ҡаһармандарын иҫкә алыу, исемдәрен мәңгеләштереү, рәхмәт әйтеү маҡсатынан Зәйет мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары мәртәбәле датаны үҙенсәлекле итеп билдәләргә булды. Бының өсөн кәңәшләшеп дөйөм план ҡоролдо һәм уҡыу йылы дауамында тематик саралар үткәреү ҡаралды. Физкультура уҡытыусыһы Илгиз Рәхмәтуллин Ватанды һаҡлаусылар байрамын һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын берләштереп, ”Олатайҙар юлынан” тигән исем аҫтында ярыш прграммаһын ойошторҙо.
“Бөтәһе лә саңғыға” акцияһында мәктәп уҡыусыларынан тыш, ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнашты. “Зарница” уйынын тергеҙеү үҙе ҙур байрамға әйләнде. Уның сиктәрендә “Төньяҡ бүреләре” һәм “Динамит” командалары араһында бәйге уҙғарылды. “Һалдаттарса атлау”, “Патриотик йырҙар башҡарыу”, “Тарихыңды бел”, граната ырғытыу, мылтыҡтан атыу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, командирҙарҙың флагты беренсе булып алыу һәм башҡа конкурстарҙа Хөснөтдинова Ангелина (5-се класс), Әмиров Йәмил (7-се), Латыпов Руслан (9-сы) үҙ командаларын алғы сафҡа сығарыуҙа күп көс һалды. Сәмле ярышта “Төньяҡ бүреләре” еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр, ә еңеүселәргә мәктәп кубогы тапшырылды.
Уҡыусыларға айлыҡ бик оҡшаны. Киләсәктә лә ошондай киң күләмле саралар үткәрелеү дауам итәсәк.
Илгиз Рәхмәтуллин,
Зәйет мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации |
15 февралдә Юлыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Шәжәрә конкурсы булды. Билдәле булыуынса, "Юлыҡ" территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) тарафынан "Үҙ тамырҙарыңды бел" проекты сиктәрендә Республика Башлығы гранты яуланып, “Юлыҡ тарихы” китабын нәшер итеү планлаштырыла. Ошо проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән ауылда төрлө конкурстар уҙғарыу күҙаллана. “Минең ғаиләм тарихы” тигән эҙләнеү эштәре бара, март айында “Тыуған яғымды данлайым” тип исемләнгән йырҙар һәм шиғырҙар конкурсы планға ингән, туған-нәҫелдәрҙе барлау буйынса уҙған “Шәжәрә” конкурсы ла тап ошо проектҡа нигеҙләнгән.
Юлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто фойеһы стенаһында һәр нәҫелдең шәжәрәләре урын алған. Шәжәрәләр төрлө формала: берәүҙәр ватман ҡағыҙға схема, кемдер һүрәт (ағас) формаһында эшләп килтергән. 23 нәҫел баннерҙар, презентациялар рәүешендә төҙөлгән үҙ шәжәрәләрен тәҡдим итте. Ҡағыҙ форматында 12 нәҫелдең шәжәрәһен күрергә була ине.
Мәҙәниәт йортонда Шәжәрә байрамы тантаналы шарттарҙа башланып китте. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов барыһын да байрам айҡанлы ҡотланы, уңыштар теләне. Ғафури район Советының баш белгесе Самат Менәүәр улы Ғәлиуллин Шәжәрә байрамының тарихи һәм бөгөнгө сәйәси әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙ тамырҙарын белергә ынтылыусыларға рәхмәт әйтеп, сараның Башҡорт теле йылында уҙыуын һәм иң тәүгеләрҙән булып юлыҡтарҙың күтәреп алыуы мәртәбәле тип билдәләне. Һәүәҫкәр тарихсы Һаҙый Исмәғил улы Юлмөхәмәтов та үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Ошо сараны башлап ойоштороп йөрөүсе "Юлыҡ" ТОС-ы етәксеһе Рәхимйән Шакирйән улы Юлыҡов конкурс шарттары менән таныштырып үтте.
Артабан сәхнә түренә бер-бер артлы үҙ шәжәрәләрен өйрәнеүселәр күтәрелеп, экранда презентация формаһында нәҫел ептәрен барланы. Һәр береһе был сараға ентекле әҙерләнгән. Сарала ҡатнашыусы нәҫел аралары бик күп ине. Абдрахмановтар, Әбделмәновтар, Әлибаевтар, Вахитовтар, Вәлиевтар, Дәүләтбаевтар, Кәримовтар, Ҡужиндар, Мәмәтҡоловтар, Мөхөтдиновтар, Исиргаковтар, Юлбарисовтар, Рәшитовтар, Сәфәрғоловтар, Юлмөхәмәтовтар, Юлыҡовтар, Ибәтуллиндар, Яҡуповтар, Хисмәтовтар, Масковтар, Яҡшыбаевтар, Хәлиловтар үҙ шәжәрәләрен тәҡдим итте.
Сараны ойоштороусылар төрлө номинациялар булдырған ине. Шулай итеп, "Шәжәрәне ентекле өйрәнгән өсөн" номинацияһында Һаҙый Юлмөхәмәтов менән Лилиә Дәүләтбаева (мәғлүмәтте Ғәлимйән Дәүләтбаевтан алған), "Иң күп тармаҡлы шәжәрә" номинацияһында - Нурсилә Кәримова (Красно-
усолда йәшәүсе Ирғәле Кәримов тамырҙарын барлауҙа ярҙам иткән), Рәхимйән Юлыҡов, Салауат Юлыҡов, "Шәжәрә төҙөүгә ижади ҡараш өсөн" - Рәфис Абдрахманов, Заһиҙә менән Заһира Юлбарисовалар, Зөһрә һәм Индира Әлибаевалар, Ғәзинур Исиргаков, "Шәжәрә төҙөүҙә һәм уны күрһәтеүҙә заманса мультимедия прог-раммалары ҡулланған өсөн" - Минзилә Мәмәтҡолова, Эльвира Ғафарова (тамырҙары менән Юлыҡтан, Хәлиловтар шәжәрәһе менән таныштырҙы), Әлфиә Йосопова (Ибәтуллиндар нәҫелен барланы), "Шәжәрәне төҙөү барышында ныҡышмалылыҡ өсөн" номинацияһында Мәрйәм Яҡупова, Нурзилә Әбделмәнова, Резида Ҡужина, Зифа Рәшитова-Аҫылбәкова, "Шәжәрә төҙөүҙә тәүге аҙымдар" номинацияһында Фәнзил Сәфәрғолов, Илһам Яҡшыбаев, Суфия Ҡормашева-Аҙналина (Вахитовтар шәжәрәһен барланы), "Йәш шәжәрә төҙөүселәр" номинацияһында Ильяс Вәлиев менән Батыр Масков еңеүсе тип табылды.
Конкурстар дауам итә. Сараны клуб мөдире Нурсилә Ҡасҡынова матур итеп алып барҙы.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в
"© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна. |
Башҡортостанда дөйөм халыҡ проекты башлана, унда республикабыҙҙа йәшәүселәр һәм ситтә көн иткән яҡташтарыбыҙ ҡатнаша ала.
Башҡортостанда дөйөм халыҡ проекты башлана, унда республикабыҙҙа йәшәүселәр һәм ситтә көн иткән яҡташтарыбыҙ ҡатнаша ала. Рәсәй төбәктәрендә «Иң матур башҡорт һүҙе» кеүек проект юҡ.
Тауыш биреү ике этапта ойошторола:
1-15 ноябрҙә bashslovo.ru сайтында матур яңғырашлы һүҙ тәҡдим итергә кәрәк;
22 ноябрҙә сайтта йыш тәҡдим ителгән 12 һүҙ һайлап алына һәм тауыш биреү башлана;
14 декабрҙә — Башҡорт теле көнөндә иң матур һүҙ иғлан ителә.
«Башҡортостан халҡы тәҡдим иткән һүҙҙәр араһында һирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙең осрауы мөмкин. Был тарихтың байлығын һәм телдең күркәмлеген күрергә, телмәрҙе байытырға мөмкинлек бирә. Әлеге һүҙҙәрҙең йәнә йәмғиәттә йәшәй башлауы ихтимал, яңы ресторандар, күңел асыу үҙәктәре, балалар өсөн уҡыу үҙәктәре, парктар неймингында һәм йәмәғәт тормошо өлкәләрендә файҙаланылыр. Был республиканың үҙенсәлеген һәм матурлығын күрһәтер, уның туристик имиджын тулыландырыр», — ти проект авторы – режиссер, продюсер, «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе директоры Рөстәм Аҙнабаев.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәттәшлегендә «Медиаформат» киң мәғлүмәт сараларын популярлаштырыу буйынса балалар-үҫмерҙәр үҙәге һәм «Телешко» балалар телевидениеһы мәктәбе. Уға республиканың дәүләт телдәрен, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн республика Башлығы гранты аҡсаһы бүленгән.
https://www.bashinform.ru/news/1515813-zhiteli-bashkortostana-vyberut-samoe-krasivoe-bashkirskoe-slovo/
Читайте нас в
Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан".
Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г. |
Бөгөн 31 март ҡына булыуға ҡарамаҫтан, тирә -яҡ ҡарҙан әрселеп бөтөп тә бара. Йәшел үлән морон төрткән, хатта яҙҙың тәүге сәскәләре атҡан.
Яҙ быйыл иртә килде. Бөгөн 31 март ҡына булыуға ҡарамаҫтан, тирә -яҡ ҡарҙан әрселеп бөтөп тә бара. Йәшел үлән морон төрткән, хатта яҙҙың тәүге сәскәләре атҡан. Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһынан Зилә Рәжәпова бөгөн тауға артыш йыйырға сыҡҡан. Кипарис төрөнә ҡараған мәңге йәшел артыштың меңдән ашыу сиргә дауа булыуы билдәле.
--Бөтә донъяға йәшен тиҙлеге менән коронавирус таралған мәлдә өйҙә артыш тотоу кәрәк. Күрше-фәлән инеп сыҡһа, балалар йөрөһә, уны яндырып ыҫлайым. Шулай иткәндә зарарлы микробтар үлә. Балаға күҙ тейһә лә артыш яндырып алыу артыҡ булмай, яман еҫте лә ул тиҙ тарата, -- ти Зилә Ғаяз ҡыҙы.
Тау итәгендә йөрөгәндә күп балалы әсә яңы сәскә атҡан умырзаяларҙы фотоға төшөргән. Ул шулай уҡ талғыр, әтмәкәс йыуаларын йыйған.
--Ҡояш йылыһына ынтылған тәүге сәскәләргә, йыуа, файҙалы үләндәргә донъяла барған ығы -зығы кәртә түгел. Тәбиғәт үҙенекен итә, еребеҙ йәшәрә, йәмләнә. Йәшел үләнгә аяҡ баҫҡас, беҙ ҙә бирешмәҫбеҙ,--ти Зилә Рәжәпова. |
«Ярамай». Ошо һүҙ менән кисен йоҡоға ятып, таң беленеү менән уянып китә Лирка. «Ярамай...» Ҡураныс, шау һөйәк ҡыҙыҡай эргәһендә ҡолас ташлап иҙрәгән һөйәренә шыпыртын ғына күҙ атты ла, төҫө ҡоҫҡан йоҡа зәңгәрһыу халатын эләктереп, урынынан ҡалҡынды. «Ярамай». Мең төрлө уйҙарҙың бөгөн дә ябырылыуынан тәҡәте ҡороған Лирка, бүлмә ишеген шым ябырға тырышып, кухняға үтте. Ҡәҙимгесә. Барыһы ла көндәгесә. Ҡыҙ өйрәнелгән хәрәкәттәр менән плитә өҫтөндә ултырған алюмин кәстрүлде аймап, һыу тултырырға керешеп китте лә, йән асыуынан ситкә быраҡтырып ҡуйыуынан ҡурҡҡандай, елтерәтеп кире плитәгә ултыртты, шабырлап аҡҡан кранды борҙо, ултырғысҡа ҡунаҡланы. «Тек, тек, тек!» Еткереп ябылмаған крандан һыу тамсылап аға. Тамсыламай, ҡамсылай, имеш. Ҡыҙ урынынан ҡалҡынды, йыуыныу бүлмәһенә инеп битен сайҙы, таҫтамалға үрелде лә, аңғармаҫтан көҙгөгә күҙ һалып, артына ҡолап китә яҙҙы. Күҙ төптәре ҡараһыу-зәңгәр, төпкә батҡан күҙҙәр, ас яңаҡтар. «Ярамай». Ҡыҙ кухняға бер инде, бер сыҡты. Барыһы ла ҡәҙимгесә, барыһы ла көндәгесә лә бит... Утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ, эй ураланды, эй үрһәләнде. «Ярамай бит, ярамай». Тиҙҙән Рәфил уянасаҡ. Уянмаған булһа... Ошо уйҙан тертләп, Лирка ипләп кенә бүлмә ишеген асып ҡараны. Рәфил күптән уянған, ахыры: ноутбугын ҡабыҙған, ниҙер яҙыпмы, ҡарапмы маташа. Ҡараштар осрашты. – Сәләм! – Ошо һүҙҙе ырғытҡас, Рәфил ноутбугына текәлергә итте лә, Лирканың күҙҙәрендә ниндәйҙер яңылыҡ һиҙеп, ҡарашын ҡабаттан күтәрҙе. Барыһы ла көндәгесә, ғәҙәттәгесә... түгелме шул? Рәфилдең йөҙөнә һалҡынлыҡ йүгерҙе, ослайыбыраҡ торған танауы тағы ла кесерәйеп, ҡош суҡышына оҡшап ҡалды. – Ну что? Ҡамсы һуғыуынан тартылып киткәндәй, Лирка ирекһеҙҙән терт итеп ҡалды ла күндәм ҡиәфәт менән йоҡо урынын йыйыштырырға кереште. «Ярамай». Был һүҙҙәр ҡыҙҙың күңеленән бая үрһәләнеп әйтелһә, хәҙер үкһеүгә оҡшаш ине. «Нишләп һин мине яратмайһың, ә минең менән йәшәйһең, нишләп көн һайын һалҡынлығың, битарафлығың, тәкәбберлегең менән быуаһың, нишләп нахаҡ һүҙҙәреңә түҙәм, бер ҡасан да ҡаршы өндәшмәйем, һинән үҙем китеү тураһында уйлай ҙа алмайым, һин мине ташлап өйҙән сығып киткәндә артыңдан илап тороп ҡалам, кире ҡайтһаң, ҡабул итәм... Нишләп?!.» – Плитәңде ҡара... Рәфил күҙен мониторҙан алмай ғына өндәште лә кире тыҡылдатып яҙыша башланы. «Ярамай», – тип хәлһеҙ генә ҡабатланы Лирка һәм йәнә кухняға сыҡты. Йоҡонан яңы тороуға ҡарамаҫтан, ныҡ арығайны ул. Бәлки, организмы көсһөҙләнгәндер? Күпме ашаһа ла, семтем дә ит ҡунмай бит әле кәүҙәһенә. Әсәһе былтыр, ауылға бер ҡайтып әйләнгәндә: «Үҙ-үҙеңде эстән ашағас...» – тип әйткәйне, асыуланып... Артабан аш-һыу тәрбиәләне, Рәфилде ашатты, кер йыуҙы, өй йыйыштырҙы һәм, нәҙек, төҫһөҙ сәстәрен тарар-тарамаҫтан, эшкә сығып йүгерҙе... Барыһы ла көндәгесә, ғәҙәттәгесә... Кисен эштән ҡайтып, тауыш-тынһыҙ ғына ашап ултыралар ине. Түшәмдән яңғыҙ лампа һүрән генә яҡтылыҡ һирпә. Һемәгенән боҫ борҡотоп, эмаль сәйнүк ҡайнап сыҡты. Лирка ултырған еренән плитәне һүндерергә ынтылғайны ғына, Рәфил тауыш бирҙе: – Лирка, мин китәм, – ҡарашын күтәрмәй генә, Лирка бешергән картуфты сәйнәй-сәйнәй әйтте быны егет. – Бөтөнләйгә... Күптән хәл ителгән, битараф, маһайыулы ине уның тауышы. Лирка илаһа, ҡапыл ҡысҡырып ебәрһә, гүйә, тауышы тағы ла ҡатҡылланырға, үҙәкте өҙөрлөк һалҡынлығы менән ҡыҙҙы ултырған еренә һеңдерә һуғырға әҙер ине. Тынлыҡ урынлашты. Сәйнәп ултырған ашамлығы менән бергә әсе күҙ йәштәрен дә йотоп ебәрҙе ҡыҙ. Тәүгә түгел Рәфилдең бындай ҡыланышы. Йөҙ тапҡыр булмаһа ла... бер ун тапҡыр ғына ҡабатланғандыр. Һәр ваҡыт шулай: Рәфил, тыныс ҡына йәшәп ятҡан еренән, китере тураһында хәбәр итә; үҙен йәлләтергә тырышып, Лирка сеңләп илай, ҡулдарына, күлдәк еңенә йәбешә, юлына арҡыры төшә, егеттең тултыра башлаған сумкаһынан кейемдәрен сығарып, киренән шкафҡа быраҡтыра. Тартҡылашыуҙан һуң Рәфил барыбер сығып китә, Лирка иҙәндә аунап илап ҡала. Һуңынан, бер-ике айҙан, Лирканың иларға түгел, әҙәмсә йоҡларға, ашарға хәле ҡалмай, ҡоро һөлдәгә әйләнгәс, Рәфил кире ҡайта. Ҡайта ла, ҡыҙҙың шешмәк төҫһөҙ күҙҙәренә текләп, ҡыуаныс сатҡыларының саҡматаштай уйнағанын күҙәтә. Ҡабат бергә йәшәй башлайҙар, барыһы ла көндәгесә, ҡәҙимгесә булып китә... Ләкин был юлы Лирканың тартҡылашырға ла, ҡабат иларға ла, үтенергә лә хәле юҡ ине. «Ярамай»,– тип эстән генә ҡабатланы Лирка. – Һин ишеттеңме? Мин китәм. Был юлы бөтөнләйгә. Мин һине яратмайым. Был һүҙҙәрҙе тыныс ҡына тыңлап сәй һемереп ултырған ҡыҙ уҡшығандай итте лә ҡапыл Рәфилдең йөҙөнә тултырып ҡараны. – Кит һуң. Рәфил ҡыҙға күҙҙәрен селт-селт йомоп ҡарап ултырҙы ла, мыҫҡыллы көлөмһөрәп, ултырғысынан ҡалҡынды, бүлмәгә үтеп, кейемдәрен йыя башланы. Юрый шарт-шорт баҫып йөрөнө, бүлмә ишектәрен шаҡ-шоҡ итте, ләкин Лирка кухнянан сыҡманы, ҡабаланмай ғына сәйен эсте, ҡашығаяғын сайҙы. Рәфилгә бындай тынлыҡта сығып китеүе уңайһыҙ ине, түҙеп йөрөнө-йөрөнө лә, Лирканың зитына тейергә теләгәндәй, һауалы, маһайыулы тауышы менән уны битәрләргә тотондо:
– Мин һине бер ҡасан да яратманым... Һәр саҡ йәлләнем генә, һинең яныңда уңайлы, бына шулай... Нишләп мин – шундай кәүҙәм, аҡылым менән – һинең кеүек бер ҡарасҡы янында торорға тейеш әле? Теләһәм, бынамын тигән ҡыҙҙар минеке буласаҡ, эйе... Ҡыҙҙар былай ҙа бер көтөү... Һин – ҡаҡ һөйәк, миңә тауышың, атлап йөрөшөң, бешергән ашың оҡшамай, һин...
Лирка өндәшмәне. «Һинең миңә «яратам» тигәнең дә булманы, – тип эстән генә, күнегелгәнсә яуап бирҙе Лирка. – Ә мин һине үҙемдән дә нығыраҡ яраттым. Шуға ла, яратмауыңды белә тороп, никахһыҙ йәшәүебеҙгә күндем. Ә улай ярамай ине, ярамай...»
Уның йәнһеҙ, дөмһәйгән сырайына күҙ һала-һала, Рәфилгә бер ҡулына ноутбугын, бер ҡулына кейем тулы сумкаһын тотоп ғауғаһыҙ сығып китергә тура килде.
...Һуңынан ғына, Рәфил киткәс, тәҙрә аша буранлап торған ҡараңғы төнгә текәлеп, өнһөҙ, күҙ йәштәрһеҙ генә үкһене Лирка. Карауатына өр-яңы мендәр, юрған тышы алып, урын һалды, оҙаҡ итеп йыуынды, радио тыңланы. Был төндө иҫһеҙ кеше һымаҡ, бер ни белмәй йоҡланы ул.
Тормош һәүетемсә дауам итте. Лирка эшкә барҙы, эштән ҡайтты, ашарға бешерҙе, кер йыуҙы, телевизор ҡараны, һирәк-һаяҡ әхирәттәре менән тышта йөрөп әйләнгеләне. Ташлап сығып киткәнен ишеткән дуҫ ҡыҙҙары күмәкләп Рәфилде әрләне, Лирканың артынан ҡыҙҙың үҙен йәлләнеләр: «Йә инде, яңғыҙ ҡалды... Рәфил ҡайтмаһа, кем яратыр уны, кем уның менән йәшәр?»
Рәфил киткәндән һуң тыуған ҡоро бушлыҡ тәүҙә тыныслыҡ, артабан үҙ-үҙенә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән тулды. «Ҡарасы, Рәфилһеҙ ҙә йәшәп була икән», – тип аптыраны Лирка. Унһыҙ йоҡларға ятырға, унһыҙ ғына ашарға, ял көндәрен үткәрергә... Апаруҡ тынысланған, ауыр уйҙарҙан, үҙ-үҙен битәрләүҙән, Рәфилдән бер туҡтауһыҙ ниндәйҙер йылылыҡ, һөйөү көтөп йөрөүҙән арыған Лирканың кәүҙәһенә ит ҡунды, бит остары алһыуланды. Эштән һуң магазиндарға һуғылып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына матур күлдәктәр барланы, хатта бер-икәүһен һатып алырға ла батырсылыҡ итте.
Магазиндарҙың береһендә ебәк алһыу күлдәкте кейеп, ҙур көҙгөнән ҡарап торғанда, ҡапыл үҙенең ун һигеҙҙәге сағын иҫләне. Ниндәй матур, көләкәс ине ул. Һуңынан Рәфилде осратты, уның өсөн, уның хаҡына йәшәй башланы, үҙе тураһында бөтөнләй онотто. «Минең төп хатам – үҙем өсөн түгел, кеше өсөн йәшәүем булғандыр, – тип фекер йөрөттө ҡыҙ. – Нисәмә йылдар буйына кеше ғүмере менән йәшәгәнмен».
...Бер көндө эштән һуң сығып, туҡталҡала автобус көтөп торғанда, машиналар ағымы гөжләп торған юлдың аръяғында Рәфилде танып ҡалды. Үҙенән, йәғни Лирканан, күпкә йәш матур бер ҡыҙҙы ҡултыҡлап алған да, ҡәнәғәт атлап баралар. Йөҙҙәре шат, Рәфил икенсе ҡулына аҙыҡ тулы сумка күтәреп алған.
Ҡапыл ҡолаҡтары сыңлап китеүҙән шаңҡыған ҡыҙҙың күҙҙәре ҡараңғыланып китте, тир бәрҙе, ауып барған еренән кемдер беләгенән тотоп өлгөрҙө, туҡталҡа эсендәге ултырғысҡа әйҙәне.
Рәфил быға тиклем дә Лирканан киткәне булды, икенсе ҡыҙҙар менән дә аҙ күрмәне уны, ә был юлы барыһы ла етди, ахыры. Шул тиклем бәхетле, шат ине Рәфил... «Бәй, бәхетһеҙ булған икән ул минең менән. Китеп, мине лә, үҙен дә күңел ҡапҡанынан ҡотҡарған».
...Ауа-түнә, хәле бөтөп ҡайтып инде Лирка фатирына. Инде лә, тунын да һалмай, карауатына ауҙы. Әллә иланы, әллә олоно, ә күҙ йәштәре барыбер аҡманы. Ҡараңғы фатирында көсөк ише шыңшып ятҡан Лирка өләсәһе мәрхүмдең һүҙҙәрен иҫләне: «Кеше хәсрәтен өс нәмә баҫа: эш, йөрәккә үтерлек моңло йыр, теште ҡамаштырғыс һалҡын һыу».
Ҡыҙ яй ғына урынынан ҡалҡынды, кейемен һалды, кухняға сығып һалҡын һыу эсте, радиоһын ҡабыҙҙы, гөлдәргә һыу һипте, ашарына бешерҙе...
«Лирка!» Баҫлығып, тертләп уянып китте ҡыҙ. Тауыш... Кем саҡыра һуң? Төшөндә Рәфил уны саҡыра, буғай. Ҡулдарын һуҙып, Лиркаға табан атлай, ә алдында – упҡын. Әллә иланы, әллә көлдө шунда Лирка. Хәҙер инде иҫләмәй.
«Тек-тек-тек...» Кухня кранынан һыу тамсылай. Лирка урынынан торҙо, кухняға инеп, сәйнүккә һыу тултырҙы, плитәгә ултыртты, шырпы сыйып, ут ҡабыҙҙы. «Лирка...»
Рәфил уны һәр ваҡыт «Лира» тип түгел, ә «Лирка» тип йөрөттө. Шул саҡ һуҡраныр ине әсәһе: «Бынамын тигән матур исемдән көлөп... Һин уға урамда йөрөгән бер балалыр шул!»
«Их, әсәй... – тине уға Лира бөгөн, моңһоу ғына йылмайып. – Шул урам балаһына ҡарата булған мөнәсәбәттә булмаһа, ихтирам итһә, күптән өйләнгән булыр ине. Ай һайын көс-хәл менән саҡ түләп торған кеше тупһаһына мөгөҙһөҙ һыйыр ише килеп инмәҫ, берәй йүнен күреп, өй һалыр, туғандары менән таныштырыр ине».
Асыулана башлағанын тойған Лирка тәрән тын алды ла тәҙрә янына килде, ишелеп-ишелеп яуған ҡар бөртөктәрен күҙәтте. «Тиҙҙән Яңы йыл...» Үҙ алдына йылмайып, ҡыҙ шкаф башынан саң баҫҡан гирлянда-фәләндәрҙе үрелеп алды. Ҡапыл былтырғы Яңы йыл ҡаршылау кисе, Рәфил иҫкә төштө. «Ярамай!» Ошо һүҙҙе нисәнсегә ҡабатлап, ҡабалана-ҡабалана эҫе сәй һемерҙе, ҡашығаяҡ йыуҙы, гирляндаларҙы элде.
Лира йәнә эшкә барҙы, эштән ҡайтты, ҡайтышлай магазиндарға һуғылды. Ҡала урамдары, майҙандары ҡупшы шыршылар менән биҙәлде.
Бер көн подъезд ишегендә уны Рәфил ҡаршы алды. Аҫҡа ҡараған, өшөгән, күрәһең: бите, танауы ҡып-ҡыҙыл. Бынауындай һыуыҡ көндә асыҡ күк төҫтәге үҙе матур, үҙе арзан сәскәләр шәлкеме тотоп алған. Радионан әйләндергеләгән әрһеҙ йырҙың һүҙҙәре ҡолағына салынғандай булды: «Күк сәскәләр – һағыныу билдәһе...» Ҡыҙ ҙа, егет тә, һүҙ башларға ҡыймай, бер урында тапандылар. Кем дә кем тәүләп һүҙ ҡуша – шул ғәфү үтенер, хатаһын таныр кеүек. Һәр хәлдә Рәфил шулай уйлай ине. Лира һаман өндәшмәгәс, түҙмәне:
– Һағындым...
Рәфилгә Лиркаһы ғәҙәттәгесә ҡосағына ташланыр, илап ебәрер, кәмендә «Ниңә килдең?» тип һорар, күҙҙәрендә элеккесә ҡыуаныс сатҡыларын уйнатыр кеүек ине. Ҡапыл уның ҡыҙға йәне көйҙө, Лира уның алдында юрамал маһая, ташлап киткәне өсөн хәҙер уны түбәнһетә кеүек тойолдо, ләкин, Лиркаһын бик яҡшы белгәнлектән, ул быға тулыһынса ышанып та бөтә алманы. Һөйгәне маһая ла, түбәнһетә лә, юрамал ҡылана ла белмәй...
– Мин һине һағындым.
Был юлы Рәфил талапсаныраҡ әйтергә тырышты, ә Лира, уның тауышындағы таныш ҡатылыҡ сыңдарын ишетеп, йәнә тертләне, уны күреүҙән йөрәгендә тыуған кескәй генә өркәк ҡыуаныс һүрелде лә былт итеп юҡҡа сыҡты. Рәфилдән ҡасыу, уны әрләү, битәрләү файҙаһыҙ ине. Ҡасһа, ул уны иртәгә барыбер бында тағы ла ҡарауыллаясаҡ, бер битәренә мең һүҙ табасаҡ. «Ярамай». Был һүҙ йәнә ҡыҙҙың мейеһен, гүйә, ауыр сүкеш менән ярып үтте, һеңгәҙәтте, аҡылын юйҙырҙы. Бер секундҡа ғына ҡыҙ Рәфил кире ҡайтһа нимә буласағын күҙҙән үткәрҙе. Шул уҡ йоҡоһоҙ төндәр, Лира биргән һорауҙарҙы ишетмәмешкә һалышыу, уның ҡыланыштарына, яңылышлыҡтарына ауыҙ ҡыйшайтып йылмайыу, мөһим булмаған кескәй мәсьәләләрҙә лә үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә маташыу, төндәр буйы Интернет аша йәп-йәш ҡыҙҙар менән хатлашыу, шыпыртын ғына «свиданка»ларға барып килеү, ахыры сиктә йәнә өйҙән сығып китеү, йәнә ҡайтыу... Лира Рәфилдең сығып киткәнендә уға ырғытҡан һуңғы һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө: «Мин һине яратмайым, яратманым да... Һинең менән уңайлы...» Ҡыҙ иртә ҡыштың еленә ҡалтыранып торған егеткә күҙ ташланы.
– Ҡалай йоҡа кейенгәнһең...
Ҡыҙ егеттең шарфын төҙәткеләне, бирсәткәһен сисеп, нескә сибек бармаҡтары менән яурынындағы ҡарҙы һыпырып төшөрҙө. «Миңә лә, бәлки, һинең менән уңайлы булғандыр. Өшәнес, ҡотһоҙ яңғыҙлыҡтан ҡурҡып, һиңә һыйынғанмын, арҡаланғанмын, ахыры... Яратмауыңда һин генә түгел, мин дә ғәйепле: күп нәмәгә күҙ йомдом, өндәшмәнем, үҙ-үҙемде яҡлай белмәнем». Еңел тын алған Рәфил йылмайғандай итте, ҡалтырауҙан туҡтаны, ҡыҙҙы ҡосаҡларға ынтылып, ҡулдарын йәйҙе. Лира ҡулдарҙы еңелсә генә ситкә этте.
– Бар, ҡайт. Башҡа килмә. Ярамай!
Рәфилдең күҙҙәре шар асылды.
– Лирка!
Лирка тыныс ҡына боролоп, подъезд ишеген асты.
– Лирка!
– Ярамай!
Ҡыҙҙың артынан ташланған егет инеп өлгөрмәне, подъезд ишектәре гөрһөлдәп ябылды. «Ярамай...» – Был һүҙҙәрҙе инде Лира түгел, Рәфил үҙе ҡабатлай ине. Ярһып та, аптырап та, үкһеберәк тә...
...Подъезд төбөндә эйәһеҙ ҡалған күкһел сәскәләр таңғаса ята бирҙе. «Күк сәскәләр – һағыныу билдәһе...» Төндә башланған буран гөлләмәне өйрөлтөп-сөйрөлттө лә, күтәреп ырғыта алмағас, ахыр сиктә ҡарға күмеп ҡуйҙы...
Ләйсән Ҡорманова
Күк сәскәләр...
Автор:
Читайте нас в
"ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты.
Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША".
Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477 |
Дегәнәк — шифалы үҫемлектәрҙең береһе. Уның үҙенсәлектәрен барлап, халыҡтың дауа аяҡ аҫтында ғына тиеүенә йәнә бер инанаһың.Дегәнәктең тамыры ла, япрағы ла, орлоғо ла ифрат файҙалы. Уның шундай сихәтле икәнен белеп ҡалған япондар, Ҡояш сығышы яғында бик популяр булған женьшень кеүек күреп, ҡаҙып алып ҡайтҡан да үҫтереп ҡараған икән, тип тә һөйләйҙәр. Тик ул ерегеп үҫеп китә алмаған. Уға ла үҙ тупрағы, үҙ һыуы кәрәк шул.
Дегәнәк — шифалы үҫемлектәрҙең береһе. Уның үҙенсәлектәрен барлап, халыҡтың дауа аяҡ аҫтында ғына тиеүенә йәнә бер инанаһың.
Дегәнәктең тамыры ла, япрағы ла, орлоғо ла ифрат файҙалы. Уның шундай сихәтле икәнен белеп ҡалған япондар, Ҡояш сығышы яғында бик популяр булған женьшень кеүек күреп, ҡаҙып алып ҡайтҡан да үҫтереп ҡараған икән, тип тә һөйләйҙәр. Тик ул ерегеп үҫеп китә алмаған. Уға ла үҙ тупрағы, үҙ һыуы кәрәк шул. Тамырын май йәки сентябрҙә йыялар. Туҡыманан тегелгән тоҡсайҙа уны биш йыл һаҡларға мөмкин. Япраҡтарын ғәҙәттәгесә киптерәләр һәм бер йыл һаҡларға була.
Дегәнәк япраҡтарының һуты ҡанды яҡшы таҙарта. Бигерәк тә фурункулездан, һытҡы сабыртмаларынан ҡотолоуҙа яҡшы сара. Аллергияға ҡаршы үҙенсәлеге булыуы менән айырыуса ҡиммәтле. Шулай уҡ тирене һәйбәтләүгә, инсулин бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, һыу һәм тоҙ алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай. Тамырының төнәтмәһен сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында һәр кем эсә ала, сөнки ул һауыҡтырыу үҙенсәлегенә эйә.
Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Йәшел, матур япраҡтарын йыйып, һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ваҡытығыҙ булмайынса, берәр сәғәт артып китһә лә, ташламағыҙ. Йә ит тартҡыстан, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Күп итеп тултырмайбыҙ. Әҙләп һалып сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс юҡ, ҡул менән һығабыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсергә мөмкин. Кемдер эсеп ҡарар ҙа ташлар. Тәмле ашарға өйрәнгән организм ҡаршы килә башлар, әсене ҡабул итмәҫ. Шулай ҙа файҙаланыуҙы туҡтатмағыҙ.
Уның файҙаһын эскән көндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан застой китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Организм көс йыя, сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины күп. Йәй буйы эсеп, көҙ тәнегеҙҙән, ағзаларығыҙҙан бер сир ҙә тапмаһалар, дегәнәккә барып баш эйергә, рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенеүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр.
Дегәнәктең япрағын шулай уҡ сәс ҡойолғанда ла ҡулланырға кәңәш ителә. Баҡсаңда дегәнәк үҫә икән, йолҡоп ташларға ашыҡма, эйелеп өҙөп, файҙалан ғына.
Тулыраҡ Зәүхиә Ҡәҙербәҡованың мәҡәләһендә:
Миңә 9-10 йәштәр тирәһе булғандыр. Беҙҙең ауылға әллә һарыҡ кәшәре,әллә ашлыҡ амбары төҙөргә тиҫтәгә яҡын әзербайжан, араларында сегән халҡына ла оҡшаған ир-аттар килде. Уларҙы тау битендә урынлашҡан иҫке мәктәпкә йәшәргә индерҙеләр. Әнейем бейәләр һауа, ҡымыҙ яһай. Араларынан оло ғына ағай килеп көн дә ҡымыҙ ала. Әней яҙып бара. Совхоз бухгалтерияһы һуңынан уларҙың эш хаҡынан тотоп ҡала. Әней бейә һауырға киткән саҡ булһа, мин бидонына дөбөр-шатыр бешә - бешә ҡызлап торған ҡымыҙҙы ҡойоп бирәм. Һөйләшергә бик ярата ине ул ағай. Мин дә аптырап тормайым.
– Хорош кумыз! Очень полезный! Только не понимаю, почему мужчины у вас пьют водку, а не кумыз, – ти был бер мәлде (Ҡыуандыҡ баҙарына әнейем менән шал һатырға гел эйәреп йөрөй торғас, мин ҡәҙимге генә урыҫса һөйләшергә өйрәнеп алған инем. Ундағы сегәндәргә шалды арзан хаҡҡа һатмаҫ өсөн белгәнеңде лә, белмәгәнеңде лә бергә ҡушып һөйләшәһең, талашаһың. Шулай итеп, көнкүреш кимәлендә великий,могучий русский язык минем тел әйләнешендә бар ине). Беҙҙең яҡтың ирҙәренә тел тейҙерәһе килмәйенсә мин:
– Не все водку пьют, некоторые тоже кумыз пьют, – тинем.
– Намаз не читают…
– Читают, у меня Хәмит ҡартай читает, – тим бирешмәйенсә (Хәмит ҡартам ураҙа ла тота, намаҙ ҙа уҡый ине).
– Вы золотло топчите ходите, – ти ул миңә, тирә - яҡҡа ҡулын йәйеп. Мин, әлбиттә, әнейҙәрҙең ҡолағында эленеп торған алтын тураһында һүҙ бара тип уйлап:
– Шутите, – тинем.
– Нет, не шучу, вот у тебя под ногами трава, знаешь какая полезная, – тине ул бәпкә үләненә күрһәтеп.
– Нет, – тинем.
– Вот, я же говорю, вы золото топчите, не знаете. Было бы у нас столько травы… – тине ул моңһоуланып. – Я каждый день не чай пью, а ваши травы.
Шулай ул килгәндә минең менән һөйләшеп китергә ярата ине. Үләнде беҙ бөтөнләй белмәнек, ҡулланманыҡ, тип әйтә алмайым, беҙ ҙә йәй буйына сәйгә ҡарағат, ҡурай еләге, мәтрүшкә, зверобой япраҡтары һалып эсә инек. Әтейем дә йыйып ҡайта ине.
Тик ваҡыт уҙа килә, шуны яҡшы аңланым. Ысынтылап беҙ алтын баһаһына торорлоҡ, тәнгә-йәнгә сихәт бирә торған, бөтөн сирҙәрҙән һаҡлап-яҡлап тороусы үләндәр араһында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәләнең беҙҙең өсөн меңәр йылдар буйына өҙлөкһөҙ йыл да үҫтереп бирә торған мөғжизәһен бик аҙ дәрәжәлә аңлайбыҙ, тип уйлайым. Сөнки ҡайһы еребеҙ ауыртһа ла, аҡса тотоп, тиҙерәк аптекаға сабабыҙ. Ә ҡапҡа төптәренә хәтле килеп, мөлдөрәп үҫеп ултырыусы үләндәрҙе көрәк менән төбө-тамыры менән йолҡоп алып ташлайбыҙ. Ул сүп!!! Ҡулыбыҙға әҙ генә әрем тәме йәки бүтән үлән еҫе һеңеп ҡалһа, йыуырға тырышабыҙ. Уф, еҫе, бигерәк тәмһеҙ, тип тә ҡуябыҙ. Ә бер үләндең дә еҫе, тәме икенсеһенә оҡшамаған бит. Тимәк һәр береһенең үҙ вазифаһы бар. Һәр бер үлән беҙҙең өсөн тип көнө-төнө ерҙән тамырҙары аша тәм, витаминдар, микроэлементтар, майҙар һура. Ә ерҙә бөтөн нәмә бар. Йәнең ни теләй шул. Сөгөлдөр, кишер ҙә булып, мллионлаған төҫтә, тәмдә беҙ ҡара ерҙең изгелеген алабыҙ. Иҫ киткес!
Был мөғжизә барыбыҙға ла күпме алаһың килһә, шул хәтлем етерлек, артып ҡалырлыҡ, бер ниндәй сығымдар түкмәҫлек итеп бирелгән. Икһеҙ-сикһеҙ рәхмәт Аллаһы Тәғәләғә.
Был байлыҡ йылдың йәй миҙгелендә генә күп итеп булып ала. Ошо миҙгелдә беҙ ошо йәнгә-тәнгә сихәт бирә торған үҫемлектәрҙән файҙаланып ҡалмаһаҡ, ысынтылап маңлай күҙе –ботаҡ тишеге генә булып ҡалған әҙәм булабыҙ. Шунан ҡулланмаһаҡ, инде “Было лето, был май, где ты гулял разгильдяй” хәлендә ҡалырбыҙ.
Мин үҙем дә күп кенә үләндәрҙе өйрәнеү, ҡулланыу өҫтөндә Бер туҡтауһыҙ эшләп торам. Шул хәтлем мөғжизәгә эйә булған үләндәрҙең изге көсөнә хайран ҡалам, иҫем китә. Ни эшләп бала саҡтан уҡ быларҙы беҙгә мәктәп эскәмйәһенән өйрәтмәйҙәр икән, тип уҡытыу системаһын да һүгеп ҡуям. Ошо йәй эсендә һуңға ҡалмайым тип хәҙерге ваҡытта уҡ тырышып-тырмашып үлән йыя, киптерә, ҡуллана башлаған яҡташтарым булһа, “афарин!” тим.
Беҙгә сүп үләне һымаҡ ҡамасаулап, бимазалап ултырған, әммә иҫ киткес файҙалы үлән тураһында яҙып китмәксе булам. Дегенәк һымаҡ йәбеште, тиҙәр, сат йәбешкән ныҡымыш кеше тураһында. Дегәнәк тә беҙгә сат йәбешә. Әйтерһең дә, миңә ҡара, әллә кем булып үтеп китмә, мин һиңә кәрәк, ти.
Дегәнәк. Үләндең файҙалы булмаған бер өлөшө лә юҡ. Тамырынан яһалған төнәтмәһенең 200мл. 600 һум торғанын беләм. Ә ул беҙҙең кәртә артында күҙ көйөгө булып үҫеп ултыра. Дегәнәктең ғәләмәт сихәтләнеү көсөнә эйә булған япраҡтары киң, яҫы булып үҫә. Элек ҡыҙыуҙа һыу ингәндә башҡа ябынып ята инек, ҡояш эҫеһе башҡа һуҡмаһын, тип.
Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Японияла уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар, аш итеп бешерәләр, салат итеп йәш япраҡтарын ашайҙар. Ул япраҡтарҙа бик күп С витамины һәм файҙалы мәтдәләр. Имәндә икән сәтләүек, тейерһең.Б еҙҙең дегәнәкте көрәк менән һөрөп атҡанды ярай япондар күрмәй! Уның япраҡтарынан һут һғыуҙың бер генә лә ҡыйынлығы юҡ. Йәшел, матур япраҡтарын йыйып ҡайтаһың да һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ваҡытығыҙ булмайынса, берәр сәғәт артып китһә лә, ташламағыҙ, улай ҙа ярай. Һелкәһең дә эшкә тотонаһың. Йә ит тартҡыстан, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Күп итеп тултырмайбыҙ. Әҙләп һалып сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс юҡ, ҡул менән һығабыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсһәң дә була. Кемдер эсеп ҡарар ҙа ташлар. Тәмле ашарға өйрәнгән организм ҡаршы килә башлар. Әсене эсмә тиер. Бигерәк тә ҡорттар бунт ойошторор. Ә аҡыл "кәрәк" тейер.
Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан застой китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттарға, бактерияларға көн бөтөр. Тиҙ генә беҙҙе ташлап һыпыртырҙар. Әсеһенә улар сыҙамай. Организм көс йыя. Сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины хәтәр күп. Йәй буйы эсеп, көҙ тәнегеҙҙән, ағзаларығыҙҙан бер сир ҙә тапмаһалар, дегәнәккә барып баш эйергә, рәхмәт әйтергә онытмағыҙ. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр. Япраҡтарын киптереп ҡыш көндәрендә лә иммунитетты күтәреү, тәнгә С витамины биреү өсөн дә ҡулланалар. Бына һиңә сүп үләне!
Ә дегәнәктең орлоҡтарынан май яһайҙар. Ул майҙы яраларға, ауыртҡан быуындарға һөртәләр.
Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Көрәктең файҙаһы бына ошонда тейә инде. Сентябрь-октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып тупрағын һелкеп төшерәһең, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың. Шунан ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәһең. Шунан инде бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Тәмләп эсәһең. Хатта рак сиренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастазаларҙан ҡотолған, тырышһа, был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар. Афарин дегәнәккә!
Әлбиттә, теләһә ҡайһы үләнде дауаланыу өсөн дә, организмдың иммунитетын күтәреү өсөн эскәндә лә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мәмкин. Шуның өсөн ундай көслө үләндәрҙе эскәндә бирән ҡорһаҡты тыйып торорға, ҡамыр, ит ризыҡтарын, файҙаһыҙ колбаса һәм тәмле ризыҡтарҙы кәметһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Йәй көнө юҡҡа ғына тирә-яҡты тултырып йәшелсә бирелмәгән бит. Был әлеге лә баяғы беҙгә өҫтән ебәрелгән өнһөҙ кинәйә (безмолвный намек). Файҙаһыҙ ризыҡтарҙы кәметһәк, дегәнәккә беҙҙең организмды нығытырға, дауаларға ярҙам итәбеҙ.
Кемдер уҡып, "мин беләм" тейер. Афарин мең тапҡыр. Кемдер иренеп, йөрөмәйем әле тейер. Йәл. Кемдер ең һыҙғанып тотонор. Үҙегеҙгә рәхмәт әйтер көндәрегеҙ алда әле!
Читайте нас в
© "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020
Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән. |
42-се Ишембай һайлау округының Үрге Этҡол ауылындағы 2044-15-се иҫәпләү участкаһы ла иртәнге сәғәт һигеҙҙә һайлаусыларын ҡабул итә башланы.
Быйыл сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ. Унда иң лайыҡлы кандидаттарҙы күрһәтеү маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” партияһы бөгөн, 3 июндә, алдан һайлау – праймериз үткәрә. Беҙҙең район һәм ҡалала был сара ойошҡан рәүештә башланып китте.
42-се Ишембай һайлау округының Үрге Этҡол ауылындағы 2044-15-се иҫәпләү участкаһы ла иртәнге сәғәт һигеҙҙә һайлаусыларын ҡабул итә башланы. Участка рәйесе Наил Ниғмәтулин әйтеүенсә, праймериз тураһында халыҡ белә, алдан уҡ мәғлүмәт еткерелгән. Һәр һайлаусыға иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләнгән.
Участкала һайлауҙағы һымаҡ шарттар булдырылған, кеше бюллетенде алып кабинала тауышын күрһәтә һәм йәшниккә төшөрә. Алдан тауыш биреү киске 8-гә тиклем барасаҡ, унда Этҡол, Кинйәбулат, Аҙнай, Байғужа, Уразбай, Әсе Ялан ауылдарынан тауыш биреүселәр көтөлә.
Фото: автор.
Читайте нас в
Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района
Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г. |
Алты йылда һаулыҡ һаҡлауға 28 триллион һум аҡса бүленәсәк. Владимир Путиндың әйтеүенсә, “аныҡ һөҙөмтәләргә учреждениеларҙа түгел, ә кешеләр йәшәгән биләмәләрҙә, ҡала һәм ауылдарҙа өлгәшергә кәрәк. Халыҡ үҙгәреште ҡағыҙҙа ла, отчетта ла түгел, ә ысынбарлыҡта тойорға тейеш”.
Быйыл Башҡортостан милли проекттарға 34,2 миллиард һум аҡса аласаҡ, ә алты йылда 170,6 миллиард үҙләштереләсәк.
* * *
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, алдағы алты йылда Башҡортостан федераль бюджеттан 16,5 миллиард һум аҡса аласаҡ. Ул инфаркт һәм онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә, яңы балалар поликлиникалары һәм ФАП-тар төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Быйыл республика 4,9 миллиард һумды тотонорға тейеш.
* * *
Оҙаҡламай Өфөлә – балалар өсөн онкология үҙәге, Дүртөйлө һәм Туймазыла яңы поликлиникалар төҙөләсәк. Быйыл 260 миллион һум ауыл ерҙәрендә ФАП-тар, күсмә медицина комплекстары төҙөүгә һәм йыһазландырыуға тотоноласаҡ.
* * *
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда 15 вертолет майҙансығы төҙөләсәк. Тәүге медик-санитар ярҙамды яҡшыртыу маҡсатында Өфөлә ете майҙансыҡ булдырыла. Бер майҙансыҡ ике миллион һум тора.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/milli-proekt-balalar-s-n-onkologiya-ge-/
Читайте нас в
© 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". |
Рәсәй президенты Владимир Путин йома көн, 28 март төнөндә приказ бирелгән Ҡара диңгеҙ районындағы киң масштаблы хәрби уйындар барышын тикшереү өсөн, Краснодар крайына килде.
Уйындарҙың маҡсаты- көтөлмәгәндә ғәскәрҙең хәрби әҙерлеген тикшереү. Манерҙарҙа 7 000 хәрби хеҙмәткәр, 36 корабль, тиҫтәләгән самолет, вертолет һәм йөҙҙәрсә хәрби техника берәмеге ҡатнаша.
Был уйындар һуңғы 2 ай эсендәге Рәсәй армияһының планлаштырылмаған икенсе маневры. Февралдә һуңғы 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр тревога буйынса Үҙәк һәм Көньяҡ хәрби округ ғәскәрҙәре күтәрелгәйне.
Ҡара диңгеҙ буйында Рәсәй армияһы подразделениелары үҙ-ара бәйләнеште үҙләштерһә, Тбилиси янында Грузия хәрбиҙәре оҫталыҡтарын арттыра.
Вазиан полигонында“Һуғышсан рух 2013” Америка-Грузия хәрби уйындары бара. Унда АҠШ-тың 400 диңгеҙ пехотаһы хеҙмәткәре ҡатнаша. Был маневрҙар Грузия һәм АҠШ араһындағы “Стратегик партнерлыҡ хартияһы”сиктәрендә үткәрелә, ул оборона өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте лә күҙ уңында тота.
Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest |
Башҡортостанда йәшәүселәр 17 декабрҙән алып 26-һына тиклем «ҡышҡы» метеорҙарҙы – Урсидтарҙы күрергә мөмкин. Улар – сәғәтенә күп тигәндә 10-15 метеор биргән еңелсә метеор ағымы.
«Урсидтарҙы төнө буйына: ҡараңғы төшкәндән алып таңға тиклем күҙәтергә мөмкин. Быйыл Урсидтарҙың күбеһе 22 декабрҙә кисен эңер төшкәс көтөлә, шулай уҡ ағым 22 декабрҙә таң алдынан әүҙем була», — тип хәбәр иттеләр Өфө планетарийынан.
Быйыл кис көнө Урсидтарҙы күҙәтергә Ай ҡамасаулай – ул кисен күренә һәм төнгө икенсе яртыла ғына бата. Ә бына 22 декабрҙә таң алдынан ул күктә булмай.
Фото: Өфө планетарийы сайты
https://www.bashinform.ru/bash/1537489/
Читайте нас в
Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г. |
Мең башҡорттары төйәк иткән Яңы Сәпәш ауылының 115 йыллыҡ юбилейына ла алыҫ араларҙы яҡынайтып, ҡунаҡтар килде, Сәпәш халҡы ҙур татыу бер ғаиләләй, күптән көткән осрашыуға йыйылды.
Тирмә эргәһендә ҡаҙандар аҫылған, өҫтәлдәр һый-ниғмәт менән тулған. Халыҡтың байрам кәйефе, ихласлығына тәбиғәт тә битараф ҡала алманы, матур ҡояшлы йәйге көн бүләк итте.
Яңы Сәпәш ауылының тәүге исеме - Яңы Ҡайып. Ни өсөн тәүҙә батыр Ҡайып исеме бирелеүе тураһында театрлаштырылған тамаша күрһәтелгәндән һуң, сәхнәгә батырҙың етенсе быуын вәкиле Айҙар Минулла улы Ҡайыпов саҡырылды. Ауылыбыҙ ағинәйе Хәлимә инәй Хәкимова изге теләк-ниәттәре менән байрамға фатиха бирҙе. Тантананың рәсми өлөшөндә Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлсара Сафина йыйылыусыларҙы ихлас тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Яңы сәпәштәрҙең байрам шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы урынбаҫары - финанс идаралығы етәксеһе Ильяс Кашапов та килгәйне. Үҙ сиратында ул ауыл байрамын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Заманында төрлө тармаҡтарҙа намыҫ менән эшләгән хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләнеләр. “Ауылдың иң актив кешеһе” тип Әхсән Ғаффанов билдәләнһә, “Ауыл батыры” номинацияһында Әхнәф Ҡотлозамановҡа тиңдәр булманы. Байрам көндө Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡан Урал Аҫылғужин да бүләкһеҙ ҡалманы. Атай нигеҙен ҡоротмай, тырышып донъя көткән ғаиләләр ҙә билдәләп үтелде.Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларға ла иғтибар бүленде.
Һәр ауыл үҙенең ғорурлығы булған арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Яңы Сәпәштә тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ ҙа, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, яҙмыштары туған тупрағына бәйләнгән. Билдәле сәсәниә, башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның был байрамға килеүе шуны дәлилләй. Ул үҙ сығышында халыҡты иман аша тәрбиәләүгә, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы. Ауылыбыҙҙың элекке исемен ҡайтарыу тураһында ла тәҡдим индерҙе.
Спорт ярыштары, халыҡ уйындарынан тыш ниндәй байрам булһын инде. Берәүҙәр күҙ бәйләп көршәк ватһа, икенселәр көйәнтәләп һыу ташыны, кемдәрҙер ҡалаҡҡа йомортҡа һалып ярышты. Ир-егеттәр, йәш-елкенсәк арҡан тартышһа, урта йәштәгеләр тоҡ кейеп йүгереште. Көрәшселәр келәмдә бил һынашты. Шулай булмай ни, төп приз - тәкәне билдәле көрәшсе Ҡотлозаманов үҙе ҡуйған бит, башҡа приздар ҙа әҙерләгән. Футбол, йүгереү, ҡул көрәше барған ерҙә лә тамашасылар бик күп йыйылған.
Ә сәхнәлә тәбрикләүҙәр, йыр-моң тынманы. Ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр сәнғәт оҫталары, район мәҙәниәт йорто артистарының, ҡунаҡтарҙың дәртле сығыштары байрамға йәм өҫтәне.
Яңы Сәпәштең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырған стендтар эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Һәр кем үҙенең яҡындарының, танышының фоторәсемен күрергә тырышты.
Күңелле дауам итте байрам. Күптән күрешмәгән ауылдаштар танһыҡтары ҡанғансы аралашты, бергәләп күңел асты. Артабан да ауылыбыҙҙа байрамдар гөрләп үтеп торһон, тигән теләк тә белдерҙеләр. Булыр, Алла бирһә, донъяларыбыҙ ғына имен торһон. Ә кисен дискотека ойошторолдо, байрам салюты яңғыраны. Тағы ла шуныһы: ауылдаштар осрашыуы айыҡ үтеүе менән дә үҙенсәлекле булды.
Ошондай сағыу тантананы үткәреүгә ауыл халҡы ғына түгел, ситтә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ҙә көс түкте. Кемдер бағыусы булды, кемдер төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнашты, кемдер тел ярҙамы менән үҙ өлөшөн индерҙе. Аҡсалата ярҙам күрһәткән бағыусыларыбыҙ Юлай Дәүләтшинға, Евгений Фирсовҡа, Александр Макаровҡа, Зәбир Фәйзуллинға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Альмира ҒАФФАНОВА,
Яңы Сәпәш ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации. |
Шаршамбы, кесе йома һәм йома көндәрҙең болотһоҙ тороуы күҙаллана. Һөҙөмтәлә республиканың үҙәк райондарында хатта 30 градуслыҡ эҫе көндәр көтөлә. Ә киләһе шәмбе, йәкшәмбе иһә ямғырһыҙ йәшендәр һәм 29 градус йылылыҡ күҙаллана.
Был аҙна, шулай итеп, быйылғы йәйҙең иң эҫе аҙнаһы булмаҡсы. Бер уйлаһаң, 30 градус эҫелек - беҙҙең төбәк өсөн ғәҙәти хәл. Метеокүҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, йәйҙең икенсе айы, ғәҙәттә, йылдың иң йылы мәле булыусан.
https://bash.rbsmi.ru/news/Kil-e-a-na-nind-y-bulasa-353084/
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации. |
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районында булған енәйәт тураһында хәбәр иткәйнек. Унда 67 йәшлек ҡатын кейәүен сәнсеп үлтергәйне. Әле иһә был ваҡиғаның нескәлектәре тураһында билдәле булды.
Өлкән йәштәге ҡатын ирҙе үлтергәс, бысағын йыуған, кәүҙәне одеял менән ҡаплаған һәм, ҡайтып китмәй, ҡыҙын көтә башлаған. Ауылдаштары белдереүенсә, әбей яңыраҡ яман шештән дауаланған, химия терапияһы курсы үткән.
"Ғәжәп, нисек шул тиклем дәү, һау ирҙе үлтерә алғандыр?.. Бысаҡ менән бер нисә мәртәбә сәнскән бит. Кешеләр, уның ярһып киткән мәлдәре була ине, ти, бәлки шундай сағына тура килгәндер бисара ир", – тигән Альбина исемле ҡатын.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, хәл былайыраҡ була. Ҡатын ҡыҙына ҡунаҡҡа килә, ә ул эштә булып сыға. Кейәүе янына инеп, уны көтөргә ҡарар итә... Иртән эштән ҡайтҡан ҡыҙы иһә өйгә инә алмай, ишек бикле була, бер кем дә асмай. Аптырағас, ул яҡында йәшәгән ағаһына барып ярҙам һорай. Улар икәүләп ишекте саҡ астыра. Унда әсәһе булғанын күреп аптырайҙар.
"Ғаилә имен кеүек ине. Ир шаян булды, кеше менән аралашырға яратты. Уға Стәрлетамаҡта йәшәүе оҡшай торғайны, яҡын арала водитель таныҡлығы алырға йыйына ине. Йәй мунса төҙөй башланы, баҡсаларында күпләп емеш-еләк, йәшелсә үҫтерҙеләр. Бәхетле ғаилә кеүек ине, ҡалай ҙур бәлә килде. Ҡатыны ла йәл, ирһеҙ ҙә, әсәйһеҙ ҙә ҡалды. Инәйгә килгәндә, яңыраҡ уға ике операция яһағандар, химия терапияһы курстары үтә ине. Тыныс була торғайны. Тик эсһә, агрессивҡа әйләнә, тип ишеткәнем бар", – тигән Альбина.
Әле әбей өйҙәге хаҡ аҫтында. 45 йәшлек ирҙе иһә 2 декабрҙә ерләгәндәр.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ir-e----s-y-e---aldi-571561/
Читайте нас в
Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г. |
Уңышы менән ҡыуандырған ҡарағат, крыжовник, ҡура еләге ҡыуаҡтарын ашлама менән туҡландырырға ваҡыт етте. Быны нисек итеп дөрөҫ эшләргә? Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Светлана Дәүләтханова түбәндәге кәңәштәрен бирә:- Тәү сиратта ҡыуаҡтарҙың ауырыу һәм ҡыйыш үҫкән ботаҡтарын киҫегеҙ. Эргә тирәһен ҡаҙып йомшартығыҙ. Әгәр ауырыу күрһәгеҙ 1 процентлы бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртегеҙ. Калий-фосфор ашламаһы менән туҡландрығыҙ. Бер төпкә 30 – 40 грамм суперфосфат һәм 15 – 20 грамм калий кәрәк буласаҡ.Ағастарға һәм ҡыуаҡтарға һыу һибеүҙе кәметегеҙ, әммә тулыһынса туҡтатмағыҙ. Тап ошо мәлдә икенсе йылға уңыш нигеҙе һалына – сәскәле бөрөләр барлыҡҡа килә. Ҡыуаҡҡа ошо ваҡытта ярҙам итеп ебәрер өсөн йылы һыу һибергә кәрәк. Ҡыҙыл ҡарағатҡа 2 биҙрә, ҡара ҡарағатҡа 3 – 4 биҙрә, крыжовникка 4 – 6 биҙрә, ҡурай еләгенә 1 квадрат метрға 5 – 6 биҙрә һыу кәрәк булыр, - ти Светлана.
Уңышы менән ҡыуандырған ҡарағат, крыжовник, ҡура еләге ҡыуаҡтарын ашлама менән туҡландырырға ваҡыт етте. Быны нисек итеп дөрөҫ эшләргә? Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Светлана Дәүләтханова түбәндәге кәңәштәрен бирә:
- Тәү сиратта ҡыуаҡтарҙың ауырыу һәм ҡыйыш үҫкән ботаҡтарын киҫегеҙ. Эргә тирәһен ҡаҙып йомшартығыҙ. Әгәр ауырыу күрһәгеҙ 1 процентлы бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртегеҙ. Калий-фосфор ашламаһы менән туҡландрығыҙ. Бер төпкә 30 – 40 грамм суперфосфат һәм 15 – 20 грамм калий кәрәк буласаҡ.
Ағастарға һәм ҡыуаҡтарға һыу һибеүҙе кәметегеҙ, әммә тулыһынса туҡтатмағыҙ. Тап ошо мәлдә икенсе йылға уңыш нигеҙе һалына – сәскәле бөрөләр барлыҡҡа килә. Ҡыуаҡҡа ошо ваҡытта ярҙам итеп ебәрер өсөн йылы һыу һибергә кәрәк. Ҡыҙыл ҡарағатҡа 2 биҙрә, ҡара ҡарағатҡа 3 – 4 биҙрә, крыжовникка 4 – 6 биҙрә, ҡурай еләгенә 1 квадрат метрға 5 – 6 биҙрә һыу кәрәк булыр, - ти Светлана.
Читайте нас в
Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите
Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679.
1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы.
Телефон
Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73 |
Район хужалыҡтарында июнь башына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 27 мең баш эре мал иҫәпләнә. Шуларҙың 10 570-е — һыйыр малы.
Район хужалыҡтарында июнь башына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 27 мең баш эре мал иҫәпләнә. Шуларҙың 10 570-е — һыйыр малы.
Ошо көндәрҙә «Мәләүез фәнни- етештереү берекмәһе» 400 баш һыйыр малын һатыуға ебәрергә уйлай һәм шунлыҡтан 19 кеше эшһеҙ ҡала тигән мәғлүмәт билдәле булды. Шулай уҡ «Искра» хужалығында ла малдарҙы һата башлауҙары тураһында беҙгә шылтыратыусылар, яҙыусылар күп булды. Унда ла бер нисә көтөүсе эшһеҙ ҡалды, тиҙәр. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин хәлдәрҙе былайыраҡ аңлатты.
- Мин «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе»нең башҡарыусы директорҙары менән һөйләштем. Был берекмәнең Рәсәй буйынса 35 000-ләп һыйыр малы, 16 шәкәр заводы бар. Улар һыйыр малдарын бөтөнләй бөтөрмәксе булалар. Ни өсөн икәнлегенең сәбәбен аңлатмайҙар. Шәхси хужалыҡ булғас, беҙ уларға бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. Шулай ҙа Хөкүмәткә хат яҙҙыҡ был турала. «Искра» хужалығына килгәндә инде, улар кәрәкмәгән малдарын һаталар. 400 баш малын тейәп ебәргәндәр ҙә инде. Шәхси хужалыҡ булғас, улар нимәне нисек эшләргә икәнен үҙҙәре хәл итә. Бер нәмә лә беҙҙән тормай, - тине ул.
«Искра» хужалығының баш зоотехнигы Әүхәҙи Әхмәҙи улы Хәлитовтан да хужалыҡтағы хәлдәрҙе белештек.
- Йыл да браклы малдарҙы тапшырып торабыҙ. Эшһеҙ ҡалған кеше юҡ беҙҙә. Әле ялан кәртәләрен ремонтлау эшен башлайбыҙ. Малдарҙы бөтөрөргә йыйынмайбыҙ. Кәрәкмәгәндәрен тапшырғас, уларҙың урындарына яңылары килеп тора, - тигән аңлатма бирҙе ул.
«Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе»нең малсылыҡ участкаһы начальнигы Михаил Юрьевич Юртаев менән дә һөйләштек. Ул:
- Эйе, һыйыр малдарын бөтөнләйгә бөтөрөү тураһында уйлайбыҙ. Сөнки малдан файҙа юҡ. Рентабеллек юҡ. Һөттө бик арзан хаҡҡа ғына биреп ебәрергә тура килә. Һөттән бер ниндәй ҙә килем килмәй. Әммә әле етәкселек уйлай, бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул ителмәгән. Барыһы ла 1 июлдән һуң билдәле булыр, тип уйлайым. Малдарҙы бөтөрһәк тә, кешеләр эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Беҙҙең үҫемлекселек тармағы ла бар бит әле, - тине.
«Һыйлы көнөң һыйырҙа», - тип, ғүмер буйына ауыл халҡы шул һыйыр менән көн күргән. Һыйыр һөтөнән әҙерләнгән ҡаймаҡ, май һәм башҡа бик күп төрлө ризыҡтары менән туҡланған. Әле килеп был мәҡәлдең тап киреһе килеп сыға түгелме? Ауыл халҡы ла, шулай уҡ эре хужалыҡтар ҙа һыйыр тотоуы ауырға төшә, сығымдары күп тип, малдарын бөтөрәләр. Һөттө лә, итте лә беҙҙән килеп бик түбән хаҡҡа алып китәләр. Замана үҙгәрә килә халыҡ мәҡәлдәрен дә үҙгәртергә кәрәктер, бәлки. Шулай итеп, һыйлы көнөбөҙ берҙә генә һыйырҙа түгел килеп сыға бит...
Читайте нас в
Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан» |
#миллипроекттар#төбәкпроекттарыБашҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өҫтөндә эшләгән предприятиелар араһында Стәрлетамаҡтан “Синтез-Каучук” һәм “Стерх” йәмғиәттәре лә бар.
“Синтез-Каучук” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә 2016 йылдан башлап предприятиела етештереүҙең күләмен һәм сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә байтаҡ эш атҡарылған. Уҙған йылда “Синтез-Каучук” хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, уның сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ мәшғүллекте хуплау буйынса төбәк программаһына ҡушылды. Эште ойоштороуҙың камиллаша төшөүе хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына килтерҙе.Башланғыс бөтә йәһәттән дә ыңғай һөҙөмтәләр бирә, тигән фекерҙә “Синтез-Каучук” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Морозов.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына Стәрлетамаҡ икмәк заводы ла ҡушылды. Уның “Стерх” тип аталған сауҙа маркаһы күптәргә яҡшы таныш. Ризыҡтың сифатын етештереү-технология лабораторияһы даими күҙәтеүҙә тота. “Стерх” көн һайын 2000 самаһы сауҙа нөктәһенә икмәк һәм икмәк ризыҡтары ташый.
Әйткәндәй, Башҡортостандың 40-лап предприятиеһы хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектта ҡатнаша. Улар өсөн мөмкинлектәр ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә теләк белдергән проект ағзалары өсөн эксперт ярҙамы бушлай күрһәтелә. Шулай уҡ проектта ҡатнашыусы 50 миллион һумдан алып 300 миллионғаса өҫтөнлөклө займ алыуға һәм “Экспорт акселераторы” программаһы сиктәрендә предприятиелар продукцияларын сит илдәргә һатыуҙа өҫтөнлөктәргә эйә була.
Читайте нас в
Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите
Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679.
1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы.
Телефон
Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73 |
Уға ярашлы, халыҡ телендә фастфуд тип аталған кафеларҙа аҙыҡ бешергәндә тәбиғи булмаған май ҡулланған осраҡта ул ризыҡ составында ике проценттан артмаҫҡа тейеш.
Ҡанундың ике йыллығы уңайынан Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте граждандарҙы фастфудтарҙа йыш туҡланмаҫҡа, унда ризыҡ һатып алыр алдынан этикеткаһын уҡып ҡарарға кәңәш бирә. Яһалма майҙар тауыҡ ите, бургерҙар, фри бәрәңгеһе бешергәндә йыш ҡулланыла.
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Балкантау"
Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г. |
Өфөлә күренекле йырсы һәм композитор, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығы уңайынан тантаналы концерт уҙа. Концерт 14 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә була.
Өфөлә күренекле йырсы һәм композитор, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, йәмәғәт эшмәкәре Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың 125 йыллығы уңайынан тантаналы концерт уҙа. Концерт 14 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә була.
1932 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тәҡдиме менән Мәскәү консерваторияһы ҡарамағында милли артистар һәм композиторҙар әҙерләү өсөн Башҡорт опера студияһы ойошторола. Студияны тамамлаусылар театрҙың 1938 йылда асылған опера труппаһына алына. 1938 йылдың 14 декабрендә улар тәүге спектаклде – «Һылыу тирмәнсе ҡатыны» операһын (Дж. Паизиелло) күрһәтә.
«Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуған яҡтың мәҙәниәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Йырсы һәм композитор булыуҙан тыш, ул концерт менән гастролдәрҙә, фольклор экспедицияларында йөрөгәндә бер туҡтауһыҙ яңы таланттар эҙләгән, бик күп буласаҡ музыканттарҙың остазына әүерелгән. Тап Ғәзиз Әлмөхәмәтов оҙаҡ йылдар республикала милли музыка театрын асыу өсөн көрәшкән. Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа бағышланған концерт – уның ихтирам иткәндәрҙең йөрәгендә йәшәгән мәңгелек хәтерҙең дәлиле», — тип белдерҙеләр театрҙа.
Концертты онлайн ҡарарға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/1526694-bashopera-otmetit-den-rozhdeniya-torzhestvennym-kontsertom-k-125-letiyu-gaziza-almukhametova/ |
Тиҙҙән Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы режимға тағы бер ни тиклем йомшартыуҙар индерелә. Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы ултырышында асыҡ һауала концерттар ойоштороу һәм залдарҙы 50% тултырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Тиҙҙән Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы режимға тағы бер ни тиклем йомшартыуҙар индерелә. Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы ултырышында асыҡ һауала концерттар ойоштороу һәм залдарҙы 50% тултырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Ошо хаҡта белгән сығанаҡ хәбәр итеүенсә, яҡын арала Өфөлә Радик Юлъяҡшиндың бушлай концерты була. Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы «Яңы Атланта» икенсе рэп-фестивален үткәрергә йыйына. 2019 йылдың декабрендә унда Моргенштерн, Face, Thomas Mraz һәм башҡа Рәсәй йондоҙҙары сығыш яһағайны.
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. |
1 сентябрҙән Өфөлә яңы форматлы – полилингваль мәктәптәр эшләй башлай. Улар ябайҙарынан бына нимәһе менән айырыла.
1 сентябрҙән Өфөлә яңы форматлы – полилингваль мәктәптәр эшләй башлай. Улар ябайҙарынан бына нимәһе менән айырыла.
Яңы уҡыу йылынан Өфөлә яңы полилингваль проект башлана, дәрестәр рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыла. Был хаҡта республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.
Әлегә бындай мәктәптәр икәү генә була - «Сағыу» биҫтәһендә 44-се һәм Димдә 162-се. Бында иң яҡшы уҡытыусылар эшләйәсәк.
- Балалар бер сменала уҡый, ә көндөң икенсе яртыһында улар өсөн тел клубтары, спорт һәм бейеү секциялары, художестволы һәм фәнни түңәрәктәр эшләй. Ата-әсәләргә лә бөтә ҡала буйлап балалар өсөн өҫтәмә дәрестәр эҙләргә кәрәкмәй.
Ошо мәктәптәрҙәге факультативтар исемлеге: робот техникаһы, ат спорты, көрәш, футбол, мәктәп радиоһы, телестудия, бейеү һәм йыр студиялары.
Республикала бөтәһе ошондай 14 мәктәп була. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уларҙың республиканың башҡа мәктәптәре өсөн үҙенсәлекле локомотив буласағын билдәләне.
Читайте нас в
"© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна. |
Күптән түгел БР Йәмәғәт палатаһы “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” (“Отцовская доблесть”) йәмәғәт наградаһы данына лайыҡ булған ир-аттың исемлеген йыйғайны. Көйөргәҙе районынан бер түгел 8 ата был наградаға дәғүә итте.#медаль#отцовскаяДоблесть
Ғүмер буйы колхозда эшләнем. Әлегә эшләгән ваҡыт булһа, миҙал алыу менән тағы ла нығыраҡ дәртләнеп эшләп йөрөгән булыр инем, әммә хаҡлы ялдамын. Күп эшләнек: көндөҙ эштә булһаҡ, төндәрен тракторҙы ремонтлай инек. Эшемде баһалаусы миҙал, ордендар, Маҡтау, Почет грамоталарым да бихисап минең. Әле 79 йәштәмен. Йәш ир-егеттәргә әйтер һүҙем дә бар...
Үрге Бабалар ауылы хеҙмәт ветераны Ишбулды МӨХӘМӘТЙӘНОВ тураһында тулы материал "Юшатыр"ҙың 42-се һанында.
#медаль#отцовскаяДоблесть
Читайте нас в
Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан» |
Мәүлит Кәрими/Юмореска/Кәзәмә ултырып, эш буйынса, район үҙәгенә елдерәм. Матайым иҫке булһа ла, төҙөк, номеры бар, документтарым тәртиптә, шлем кейгәнмен. Ҡыҫҡаһы, юл инспекторҙары бәйләнерлек бер генә лә сәбәп юҡ кеүек...Уларҙы иҫләүем булды, торалар бит юл сатында...
Мәүлит Кәрими
КОЗЕЛ
/Юмореска/
Кәзәмә ултырып, эш буйынса, район үҙәгенә елдерәм. Матайым иҫке булһа ла, төҙөк, номеры бар, документтарым тәртиптә, шлем кейгәнмен. Ҡыҫҡаһы, юл инспекторҙары бәйләнерлек бер генә лә сәбәп юҡ кеүек...
Уларҙы иҫләүем булды, торалар бит юл сатында. Юл ҡағиҙәләрен боҙмаһам да, туҡтаттылар. Йәш кенә лейтенант матайымды ике-өс тапҡыр әйләнеп сыҡты. Үҙе документтарымды тикшерә, үҙе ауыҙыма инеп килә, йәнәһе, эсмәгәнменме, араҡы еҫе килмәйме? Ахырҙа:
- Был ниндәй дрәндүлит тағы, абзый? - тип һорарға ҡыйҙы.
- Дрәндүлит түгел - "Козел".
- Нимм-ә-ә-ә?! - лейтенант ағарынып китте, - күрһәтәм мин һиңә хәҙер козелды! - аңғармай ҙа ҡалдым, ул, таяғын минең боғаҙға килтереп терәне. Тыным ҡыҫылып, сәсәйем тип торам. Машиналарында ултырған иптәше күрмәһен типме, аҫтыртын ғына, йоҙроғо менән эсемә тондорҙо... Кәкерәйеп төшкәйнем, ҡулдарымды һындыра яҙғансы артҡа ҡайырып, наручник кейҙереп тә ҡуйҙы. Күҙҙәремдән хатта йәштәр атылып сыҡты...
"Козел" - ул, матайым, тип аңлатырға ла ирек бирмәй. Ярай әле теге иптәше уны саҡырып алды. Юғиһә, оҙаҡламай, кәзәм янына һуҙып һала ине.
Тиҙ генә ҡуҙғалғайнылар, машина ҡабат туҡтаны. Лейтенант, ҡәһәрең, тағы минең яҡҡа ыңғайланы. Инде нимә эшләргә теләй икән был тип, күҙҙәремде йомдом.
- Бәхетең, ашығыс саҡырыу килде, абзый! - тине лә, онотҡан наручниктарын сисеп алып, сиреналарын ҡабыҙып, шәп тиҙлектә китеп барҙылар.
- Козз-е-ел! - йәнем көйөп матайымдың тәгәрмәсенә типтем. Былай тип кемгә төбәп өндәшеүем хәҙер мөһим түгел ине... |
Башҡортостан Респуб-ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға әҙерлек барышы буйынса Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев менән әңгәмәләшәбеҙ.
- Хәйҙәр Арыҫлан улы, ағымдағы йылдың март айын-да ил президенты һайлауы үтте – республикала һайлау системаһын үҫтереү йәһәтенән уның төп йомғаҡтары нисек?
- Шуныһын билдәләргә кәрәк, һайлауҙарҙы ойоштороу йәһәтенән уның сифаты күтәрелде тип әйтә алам. Ил буйынса тәү тапҡыр “Мобиль һайлаусы” механизмы индерелеүе менән бәйле, республиканың 130 меңдән ашыу кешеһе үҙенең йәшәгән урыны буйынса ғына түгел, ҡайҙа урынлашыуына ҡарап тауыш бирә алды. Участка һайлау комиссияларының йомғаҡлау протоколдарына QR кодировка технологияһы ҡулланыу үткән һайлауҙың тағы ла бер яңылығы булып торҙо. Һайлауҙарҙың ғәҙел үтеүе өсөн рекордлы һанда күҙәтселәр эшләне. Быларҙың барыһы ла граждандарҙың һайлау системаһына һәм һайлау йомғаҡтарына ышанысын арттырҙы.
- Тауыш биреү көнөндә һәм һайлауға әҙерлек мәлендә граждандарҙан килеүсе мөрәжәғәттәрҙе анализлау һөҙөмтәһе буйынса билдәле бер һығымта эшләнде, күрәһең?
- Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау кампанияһы барышында Үҙәк һайлау комиссияһына 178 мөрәжәғәт килде. Уларҙың барыһы ла законда ҡаралған ваҡытта һәм тәртиптә ҡаралды, алты осраҡта ялыуҙар нигеҙле тип табылды. Ебәрелгән хаталар һәм эшләп еткермәүҙәр беҙҙең тарафтан ентекле тикшерелде һәм уның һөҙөмтәләре эш кәңәшмәләрендә, уҡытыу семинарҙарында өйрәнелде.
- Хоҡуҡ боҙоусылар ниндәй яза алды?
- Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ғәйеплеләр административ яза алды, участка һайлау комиссияһының биш ағзаһы үҙҙәренең вәкәләтлелеген һалды һәм яңынан булдырылған комиссияға индерелмәне. Шуныһын билдәләр инем, тауыш биреү көнөндә көсөргәнешле ритм барышында бик һирәк булған хоҡуҡ боҙоуҙар участка комиссияларының дөйөм һөҙөмтәһенә бер нисек тә йоғонто яһай алмай. Форсаттан файҙаланып, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау барышындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн барлыҡ кимәлдәге һайлау комиссиялары ағзаларына ҙур рәхмәтемде белдерәм.
- Май аҙағында республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һайлауҙар тураһындағы төбәк законына үҙгәрештәр индерҙе һәм был нимә менән бәйле?
- Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы Кодексҡа үҙгәрештәр индерелеүе федераль закондарға тап килтерелеү менән бәйле. Мәҫәлән, респуб-лика кимәлендәге һайлауҙарҙа граждандарҙың һайлау хоҡуғын ғәмәлгә ашырыуҙа яңы тәртип булдырылды һәм ул тауыш биреү көнөндә үҙең йәшәгән урындан ситтә булыуға ҡағыла. Кандидаттарҙы яҡлап ҡултамға йыйғанда кандидаттар исемлегендәге ҡултамға ҡағыҙҙарында ҡултамға ҡуйыусы граждандарҙың йәшәгән урынын күрһәтеү талабы бөтөрөлдө. Шулай уҡ граждандарҙың үҙ һайлау хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн яҡшыраҡ шарттар тыуҙырыусы башҡа үҙгәрештәр ҙә индерелде.
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышы нисек формалаштырыласаҡ?
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 110 депутаттан тора. Депутаттарҙың яртыһы бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Һайлауҙа еңер өсөн башҡа кандидаттан күберәк тауыш йыйыу талап ителә. Башҡа 55 депутат партия исемлегенә берҙәм республика һайлау округтары буйынса пропорциональ тауыш һанына ҡарап һайлана.
- Һайлау кампанияһында яҡын арала беҙҙе ниндәй ваҡиғалар көтә?
- Партиялар өсөн һайлау кампанияһы кандидаттар исемлеген күрһәтеү маҡсатында конференция, йыйылыш уҙғарыуҙан башлана. Был этап 30 көн дауам итә. Бер мандатлы округтарҙа партияларҙан булған кандидаттар һәм үҙ-үҙен күрһәтеүселәр өсөн дә ошондай уҡ ваҡыт бирелә. Бер мандатлы округтарҙа партияларҙан булған кандидаттар исемлеге, үҙ-үҙен күрһәтеүсе кандидаттар өсөн үҙҙәрен яҡлап ҡултамғалар йыйыу талап ителә. Законға ярашлы, айырым партиялар ҡултамға йыйыуҙан азат ителә һәм уларҙың исемлеге республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған.
- 2018 йылдың 9 сентябрендә һайлауҙы ойоштороу алдынан ниндәй бурыс-тар тора?
- Һайлауҙар ҡәтғи рәүештә закон талаптарына һәм демократик принциптарға ярашлы итеп уҙғарылырға һәм уның һөҙөмтәләре бер ниндәй шик ҡалдырырға тейеш түгел. Башҡа бурысҡа килгәндә инде, ғәҙел һайлау уҙғарыуҙың иң төп шарты булып һайлау комиссияһы ағзаларының һөнәри оҫталығы тора. Быға беҙ ҙур иғтибар бүләбеҙ һәм әле әүҙем рәүештә уҡыуҙар уҙғарабыҙ. Шулай уҡ барлыҡ кимәлдәге комиссия ағзалары һайлау тураһында граждандарҙы мөмкин тиклем мәғлүмәтлерәк итергә тырышыр һәм һайлаусылар 2018 йылдың
9 сентябрендә аңлы һайлау эшләр тип ышанам.
Читайте нас в
"© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна. |
Башҡортостан парфюмерҙары республиканың 100 йыллығы уңайынан хушбуй сығарған. Уның композицияһында үҙебеҙҙә үҫкән үләндәр - ҡурай сәскәһе, бал, йүкә еҫтәре бергә ҡушылған. Йәғни Тыуған еребеҙ тәбиғәте бер флаконға һыйған да ҡуйған. Хуш еҫте туғыҙ ай буйы йыйалар, 20 экземплярҙың береһен генә һайлап алалар.
Башҡортостан парфюмерҙары республиканың 100 йыллығы уңайынан хушбуй сығарған. Уның композицияһында үҙебеҙҙә үҫкән үләндәр - ҡурай сәскәһе, бал, йүкә еҫтәре бергә ҡушылған. Йәғни Тыуған еребеҙ тәбиғәте бер флаконға һыйған да ҡуйған.
Хуш еҫте туғыҙ ай буйы йыйалар, 20 экземплярҙың береһен генә һайлап алалар. Хәҙер республикабыҙға ял итергә килгән туристар тыуған еребеҙҙең тәмен генә түгел, еҫен дә алып ҡайтасаҡ. Киләскәт хушбуйҙың республиканың визит карточкаһы булыуы ла ихтимал. Флаконды асып ебәреү менән хуш еҫле тәбиғәтле Башҡортостанға ҡайтып әйләнәсәктәр. Шәп бит!
-Мине башҡорт моңо, тәбиғәте һәм “Тыуған яҡ” йыры илһамландырҙы. Хушбуйҙың һауыты йәшмә рәүешендә эшләнгән, ә инде унда төшөрөлгән ҡурай сәскәһе – Башҡортостан символы, ағастың тамырҙары – беҙҙең тамырҙар. Артабан хушбуй 15 мм һауыттарҙа сығасаҡ, - ти парфюмер Надежда Матвеева. Әле хушбуй сикләнгән күләмдә генә сыҡҡан.
Читайте нас в
Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан".
Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г. |
Борон ҡыҙҙар ҡул эштәрен аулаҡ өйҙә, кис ултырғанда ыратҡан. Ул йола XIX быуат аҙағында — ХХ быуат башында киң таралған. Был ғөрөф-ғәҙәт буйынса хужалар өйҙә булмаған йортҡа, уйындар уйнау, ҡул эштәре эшләү маҡсатында, йәштәр йыйылып ултырыр булған. Ҡыҙҙар унда сигеү сигеп, кейем тегеп, таҡмаҡ әйтешеп, бейеп күңел асҡан, һуң ғына таралышҡан, бер-береһен оҙатышҡан. Ҡайһы ауылдарҙа аулаҡ аҙнаһына бер генә ойошторолған, уны сиратлап саҡырып үткәргәндәр. Ҡайсаҡ унда егеттәр ҙә килгән. Йәш-елкенсәк, әлбиттә, япа-яңғыҙ ғына ҡалмаған, улар менән, ғәҙәттә, берәй абруйлы кеше, йышыраҡ оло еңгә, булған.
Ошо йоланы тергеҙеп, Муллаҡай ауылы ағинәйҙәре Еңеү көнөнә арнап “Аулаҡ өй” байрамы ойошторҙо. Унда Муллаҡай ағинәйҙәре етәксеһе Зәлифә Фәйзуллина оло еңгә ролен башҡарҙы. Муллаҡайҙар күрше ауылдарҙан әхирәттәре —ағинәйҙәрҙе лә саҡырғайны. Был күңелле йоланы һәр саҡ гармун биҙәгән. Ғәфүр Түләбаев өҙҙөрөп уйнаған көйҙәргә Зәлиә Сәйфуллина, Рәйфә Минниханова, Гөлназ Әбдрәфиҡова, Миңлегөл Түләбаева, Зәлифә Фәйзуллина, Ғәлиә Ильясова, ауыл аҡһаҡалдары Мәғәфүр Фәйзуллин, Рәсүл Лоғамановтар халҡыбыҙҙың онотола барған “Ҡом бураны”, “Һайрай ҙа турғай, һайрай былбыл” йырҙарын иҫкә төшөрҙө, шулай уҡ ағинәйебеҙ Роза Ғәббәсова һүҙҙәренә Зәлифә Фәйзуллина ижад иткән “Беҙ —һуғыш балалары” йырын башҡарҙы. Әйтергә кәрәк, авторҙар тамырҙары менән Кәлсер ырыуы иләүендә генә түгел, башҡа яҡтарҙа ла үҙенең дауалау маһирлығы менән танылған Ҡыҙғы ауылы әүлиәһе йор һүҙле Имаметдин олатайға барып тоташа. Зәлифә һәм Роза апайҙарҙың сәсәнлеге һис шикһеҙ шул Имаметдин әүлиәнән килә.
Байрамда балалар “Сума өйрәк, сума ҡаҙ”, “Үҙән буйы” һәм заманында Ҡыҙғы ауылы йәштәре яратҡан уйындарҙың береһе “Түңәрәк”те (З. Фәйзуллина тергеҙгән) сәхнәләштерҙе. Сарала балаларҙың әүҙем ҡатнашыуы бигерәк ҡыуаныслы, сөнки халыҡ ижады, йолалары менән һуғарылып үҫкән йәш быуын киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫә. Ошондай йолаларҙа ойошторолған уйындар аша улар зиһенле, сәләмәт, етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫә, халҡыбыҙҙың үткән тарихы менән таныша, теленә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Уйын-көлкө, йыр-бейеү менән шаулап-гөрләп торҙо аулаҡ өй. Шулай күңелле йәшәгән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Тырыш хеҙмәттән һуң рәхәтләнеп ял итә белгән. Халыҡ байрамдары — халыҡты милләт итеп берләштерә торған сараларҙың береһе. Улар милли ғорурлыҡ, милли мәҙәниәтте тәрбиәләргә ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә кешеләрҙә рухи ҡәнәғәтләнеү ҙә тыуҙыра. Бындай йолалар һәр кешенең йөрәк түрендә һаҡлана, сөнки йыр, бейеү, яңы көйҙәр башҡарыу, осрашыу — танышыуҙар ошо байрамдарҙа була. Улар уны ҡайҙа ғына булһа ла – үҙ ауылына, төбәгенә тартып тора. Байрамдарыбыҙ үҙеңде башҡалар алдында һынатмау, кешеләрҙә кире хистәр тыуҙырмау, матурлыҡта, етеҙлектә, дуҫлыҡта һынатмау өсөн көрәш майҙанына әҙерләгән. Йыр-бейеүгә маһир районыбыҙ ағинәйҙәре ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәгән. Китап битен асҡан кеүек һәр ауыл ҡунаҡтары бер йола күрһәтте. Зифа Абдуллина етәкләгән Ҡыҫынды ағинәйҙәре күстәнәскә йыр-бейеү менән һуғарылған ике өлөштән торған яугирҙы фронтҡа оҙатыу һәм ҡаршы алыу күренештәрен сәхнәләштерҙе. Тетрәндергес “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” тип аталған һәм Еңеү көнөн һүрәтләгән мәлдәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тәүәкәс ауылы ағинәйҙәре Роза Ғәббәсова менән Гөлфисә Бәҙрәнованың сығыштары ла ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Күстәнәскә халҡыбыҙҙың онотола барған йырҙарын тергеҙеп алып килгән Физәлиә Ғәниева етәкселегендәге Тирәкле ағинәйҙәре сығышы менән генә түгел, зауыҡлы кейемдәре лә күңелдәрҙе әсир итте. Архангел ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова башҡарған “Аулаҡ өй” йола бейеүе көслө алҡыштарға күмелде, бар халыҡ тиерлек уға ҡушылып рәхәтләнеп бейеп күңел асты. Моңло йырҙар, күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр һәр кемгә кәйеф өҫтәне. Район мосолман ҡатындары етәксеһе Мөнирә Лоҡманова менән районыбыҙ ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина ошо матур сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. Һәр саҡ әүҙем, дәртле, рухлы ағинәйҙәр йәштәргә бына тигән өлгө булып тора. Муллаҡайҙа үткәрелгән был сара милләтебеҙҙең йолаларға бай булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Зилә Фәйзуллина,
район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации |
Водитель таныҡлығын алыу өсөн имтихандарға бәйле яңы үҙгәрештәр- тәҡдим ителгән закон проекты Хөкүмәт ҡарамағына тапшырылған.
Был йәһәттән яңы үҙгәрештәр тәҡдим ителгән закон проекты Хөкүмәт ҡарамағына тапшырылған. Ул имтихан һөҙөмтәләрен яңынан ҡарауға бәйле.
Документта һынау барышының видеояҙмаһы булыуы, уның бер ай һаҡланыуы тәҡдим ителә. Әгәр ҙә курсант инструкторҙың ғәмәлдәре менән килешмәһә, дәғүә белдереп ғариза яҙа аласаҡ. Махсус комиссия имтихан дөрөҫ тапшырылған тип тапһа, испекторҙың ҡарары кире ҡағыласаҡ һәм курсантҡа водитель таныҡлығы биреләсәк.
Әлегә тиклем барыһы ла бер инструкторҙың һөҙөмтә сығарыуынан тора ине.
Читайте нас в
© "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020
Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән. |
Был кистә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡунаҡтарҙы ҡурай моңдары һәм милли эсемлегебеҙ буҙа менән ҡаршы алдылар. Байрамға Мәрйәм Бураҡаеваның ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды.
Мәрйәм Бураҡаева — яҙыусы, журналист, уҡытыусы, уҡыу ҡулланмалары, милли ризыҡтар етештергән «Шифа» бренды, башҡорт мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, милли традицияларҙа тәрбиәләү проекттары авторы. Фиҙакәр кеше, рәсми исемдәрҙән тыш — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө әҙәби премиялар лауреаты — күптән инде «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» исеменә лайыҡ. Кисәлә яҙыусыға Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең шундай уҡ исемле миҙалы тапшырылды.
Юбилярҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғҡусҡаров, яҙыусы һәм ғалим, курсташы Рәшит Шәкүр, Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, уҡыусылары ҡотланы.
«Кисәне «Йөрәгем ҡушҡанса» тип атаныҡ, сөнки мин һәр ваҡыт йөрәгем ҡушҡанса йәшәйем. «Урал батыр» эпосын тыуҙырған халҡыбыҙ бөйөк, тамырҙары тәрән һәм уның киләсәге булырға тейеш. Мәҙәниәтебеҙҙе, тәрбиәбеҙҙе һаҡларға бурыслыбыҙ. Минең «Тормош һабаҡтары»м шулай яҙылды. Баланы туған мөхитендә тәрбиәләргә кәрәк — «Йәйләү» проекты, «Башҡортостан ынйылары» конкурсы, «Шәжәрә байрамы» ошолай барлыҡҡа килде. Бер кем дә минән бының менән шөғөлләнеүемде һораманы, барыһын да йөрәгем ҡушҡанса эшләнем», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Мәрйәм Бураҡаева.
Алып барыусылар Сара Буранбаева менән Хөрмәтулла Үтәшев тамашасыларға яҙыусының тормошондағы һәм ижадындағы мөһим мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, ҙур экранда уның ғаилә альбомы менән таныштырҙы. Күп балалы Бураҡаевтар ғаиләһе Башҡортостандың мәҙәни йылъяҙмаһында үҙенсәлекле урынды биләй. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы иртә донъя ҡуйған ғалим-геолог Диҡҡәт Бураҡаев менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән, бөтәһенә лә матур башҡорт исемдәрен ҡушҡан. Уларҙың һәр береһе ата-әсәһенән әҙәби һәләтте лә мираҫ итеп алған. Сценарист, яҙыусы, драматург, тәржемәсе Зөһрә Бураҡаева һәм кинорежиссер Таңсулпан Бураҡаева мәҙәни мөхиттә айырыуса киң билдәле.
«Йөрәгем ҡушҡанса» кисәһендә юбиляр хөрмәтенә йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды. Ҡатын-ҡыҙ шағирәләр башҡорт ҡатын-ҡыҙына — абруйлы йәмәғәт эшмәкәренә, байтаҡ проекттар авторына, ҡатынға һәм әсәгә гимн булып яңғыраған әҙәби композиция менән сығыш яһаны.
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. |
Бишбүләк ауылының Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнгән балалар бина эргәһендә төлкө күреп ҡала һәм телефондарына фотоға төшөрә.
Был ауылда һуңғы ваҡыт төлкөләр йыш осрай башлаған. Хәйләкәр хайуандың ихаталар яғына һунарға йөрөүен күреүселәр байтаҡ.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында әйтеүҙәренсә, ҡырағай йәнлектәрҙең ауыл йә ҡалаға килеүенә халыҡ үҙе сәбәпсе.
– Әле кейек балаларының инәләренән айырылған, үҙаллы тормошҡа яраҡлашҡан осоро. Ауыл йә ҡала эргәһенә ташланған сүп-сар улар өсөн еңел аҙыҡ булып тора һәм шуның менән йәлеп итә. Кешеләр урамда һаҡ булһын, балаларҙы яңғыҙ сығармаһын, йорт-ҡураһын нығытһын. Урамда ҡырағай йәнлек күренһә, райондың һунарсылыҡты күҙәтеү буйынса инспекторына шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив диспетчер пунктына 8 (347) 218-04-30 телефоны аша хәбәр итергә мөмкин, – ти министрлыҡтың матбуғат секретары Лилиә Нуретдинова.
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. |
«Башҡортостан лидерҙары» конкурсына бер аҙнала 3500 кеше теркәлгән. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе, күҙәтеү советы башлығы Александр Сидякин журналистарға ош хаҡта һөйләне.
Анкета биреүселәрҙең күпселеге – 97% — Башҡортостанда йәшәүселәр. Башҡа ҡалалар, шул иҫәптән Мәскәү вәкилдәре республикала тыуып үҫкәндәр, хәҙер иһә ҡайтып, уның мәнфәғәтенә эшләргә теләйҙәрҙер, моғайын, тине Александр Сидякин. Әлеге ваҡытта ҡатнашыусыларҙың 85% – ир-егеттәр. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе ҡатын-ҡыҙҙарҙы конкурста әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 июндә республикала «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проекты старт алды. Александр Сидякин һүҙҙәренсә, проект республикаға бик кәрәк.
«Беҙ яңы, яңы белемле, 21-се быуатта республика алдында торған бурыстарҙы яҡшы аңлаған кешеләрҙе табырға теләйбеҙ, — ти Александр Сидякин. – Конкурстың был өлөшө команданы яңыртыуға йүнәлтелгән. Йәш сикләүенең тап 45-кә тиклем булыуы беҙҙең яңы команда тураһында төшөнсәне сағылдыра. Әгәр ҙә ошо критерий буйынса ғына программаға инмәгән кешеләрҙең күп икәнен аңлаһаҡ, киләһе йылда шарттарҙы үҙгәртербеҙ».
Конкурс бер нисә этапта уҙа. Ҡатнашыусылар алдында ситтән тороп тарих, география, рус теле, шулай уҡ мәҙәниәт һәм урындағы ғөрөф-ғәҙәттәргә бәйле һорауҙарға яуап биреү бурысы тора.
«Конкурс асыҡ булырға тейеш, — ти Александр Сидякин. — Финал тура эфирҙа була. Ләкин иң мөһиме — еңеүселәр, 100 кеше, етәксе эштәргә тәҡдимдәр алырға тейеш».
http://www.bashinform.ru/news/1323489-vse-pobediteli-liderov-bashkortostana-dolzhny-poluchit-predloz...
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. |
Ҡала-районыбыҙҙа быйыл 11-се класты - 386, ә 9-сы класты 769 уҡыусы тамамлай. Мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә онлайн уҡытыуға күсеү барышында күрһәтелгән фиҙаҡәрлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Һуңғы ҡыңғырау бөтә уҡыусылар өсөн дә көтөп алынған байрам. Быйыл сара ғәҙәти булмаған форматта билдәләнәсәк. Байрам дистанциялы рәүештә, йәғни уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың туранан-тура бәйләнешенән тыш үткәреләсәк. Һуңғы ҡыңғырауҙар һәм сығарылыш кисәләренең дистанциялы форматы дүртенсе һәм туғыҙынсы класс уҡыусыларына, балалар баҡсаларын тамамлаусыларға ла ҡағыла. Төркөмдәр менән кластарҙа, кафеларҙа йыйылышыу, тәбиғәт ҡосағына сығыу тыйыла, йәғни барлыҡ саралар онлайн форматта үтергә тейеш.Ҡала-районыбыҙҙа быйыл 11-се класты - 386, ә 9-сы класты 769 уҡыусы тамамлай. Мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә онлайн уҡытыуға күсеү барышында күрһәтелгән фиҙаҡәрлек өсөн рәхмәт белдерҙе.- Изоляция шарттарында мәғариф системаһы һуңғы сиректе дистанцион уҡыу менән үткәрҙе. Тәү сиратта ошо еңел булмаған осорҙы яуаплылыҡ менән үтеп сыҡҡан уҡытыусыларға, уҡыусыларға, ата-әсәләргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә, - тине. 1-4-се класс уҡыусылары уҡыуҙы 22 майҙа тамамланылар ҙа инде, ә 5-11-се класс уҡыусылары 29 майҙа уҡыуҙан туҡтай. Был көндә онлайн рәүештә 10.00 сәғәттә сығарылыш уҡыусыларын БР Башлығы Радий Хәбиров ҡотлаясаҡ. Мәғариф бүлеге начальнигы, мәктәп директорҙары, класс етәкселәре лә сығарылыш класс уҡыусыларына үҙҙәренең сәләм һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерәсәк. Быйыл сығарылыш уҡыусылары барыһы ла аттестат аласаҡ. Аттестатҡа оценкалар дөйөм йыллыҡ билдәләрҙән сығып ҡуйыла. 15 июнгә тиклем аттестаттарҙы тапшырыу планға керетелгән. Быйылғы уҡыу йылында Берҙәм дәүләт имтихандары аттестат алыуға тәьҫир итмәйәсәк, сөнки Берҙәм дәүләт имтихандарын кемдәр юғары уҡыу йорттарына инергә теләй, шулар ғына тапшыра. Шулай уҡ улар өсөн онлайн-консультациялар ҙа ҡаралған, уҡыу йылы тамамланһа ла, имтихандарға әҙерлек дауам итә. 11-се класты тамамлаусы сығарылыш уҡыусылары өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары көндәре билдәле булды. Улар июлдә үтәсәк. Талаптар шул килеш ҡала - видеокүҙәтеү, металды эҙләүсе ҡулайлама аша тикшереү, уҡыусының битлектә булыуы һәм һәр береһе 1,5 метрлыҡ алыҫлыҡта булған парталарҙа ултырыуы талап ителә. Вуздарға ҡабул итеү тәртибе элеккесә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе буйынса башҡарыла, ғаризаны электрон форматта бер юлы биш юғары уҡыу йортона тапшырырға мөмкин. Ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты ла әүәлгесә ҡала, 18-20 июндә ҡабул итеү комиссиялары эш башлаясаҡ. Абитуриенттар өсөн талаптар элеккесә һаҡланасаҡ. Сығарылыш студенттарын диплом яҡлау мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырыуы билдәле, әле был мөһим мәсьәләне дистанцияла ойоштороу тураһында һүҙ бара.Сығарылыш класс уҡыусыларын Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Был байрам көнө шундай ауыр ваҡытҡа тура килһә лә, алдағы тормошоғоҙ тик уңыштарҙан ғына торһон! Һис күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ, бер нимәгә ҡарармай, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ! Уңыштар һеҙгә!
Әйткәндәй, балалар баҡсаларының ҡасан эшләй башлаясағын да ҡайһы бер ата-әсәләр түҙемһеҙлек менән көтә. Дежур балалар баҡсалары бөтә эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, бер төркөмдә ун биш баланан да арттырмай, эшен дауам итә. Аҡрынлап баҡсаларҙа урындар арттырыласаҡ, тик бөтә хәүефһеҙлек саралары мотлаҡ һаҡланырға тейеш.
Читайте нас в
Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан".
Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г. |
Һарымһаҡ өлгөрә башлау менән уның “уҡтары” – орлоҡ һабаҡтары килеп сыға. Кемдәрҙер уларҙы тиҙерәк өҙөп ташлай, был һабаҡтарҙы төйнәп, үҫеүҙән туҡтатырға кәңәш итеүселәр ҙә бар. Бәғзеләр иһә уларға иғтибар итмәй, “уҡтар” өлгөргәс, күпмеһендер киләһе йылға орлоҡ итеп сәсергә мөмкин.
Ә бына йәш һабаҡтарҙан тәмле генә иҙмә эшләп ҡарайыҡ әле.
Бының өсөн “уҡтарҙы” йыйып алғас, сәскәлеген һәм һабаҡтың ҡаты аҫҡы өлөшөн өҙөп ташларға кәрәк. Ҡалғанын аш һеркәһе менән балдан торған ҡатнашмала бер аҙ тотоп алабыҙ. Маринадтан алғас, ҡоротабыҙ һәм блендер йәки ваҡ тишекле ит тартҡыс ярҙамында иҙәбеҙ. Иҙмәгә ярты килоға бер ҡалаҡ иҫәбенән тоҙ (йодлы булмаһын) ҡушып болғайбыҙ. 3 ҡалаҡ үҫемлек майы өҫтәйбеҙ. Теләһәң, тәмләткес үләндәр, ваҡ ҡына итеп туралған әсе ҡыҙыл борос ҡушырға була. Хәҙер инде иҙмәне яҡшылап туғып болғарға кәрәк. Һәм – иҙмә әҙер, икмәккә һылап ашайһыңмы, фаршҡа, итле соусҡа ҡушаһыңмы, томалап бешергәндә баклажан, кабачки өҫтөнә ҡаймаҡ ҡушып һылайһыңмы – бөтәһенә лә килешә.
Ошо уҡ иҙмәне ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була. Бының өсөн әҙер иҙмәне стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапларға ғына кәрәк. Ябыр алдынан иҙмә өҫтөн ҡаплап торорлоҡ итеп үҫемлек майы ҡойорға онотмағыҙ.Иҙмәле банкаларҙы һыуытҡыста һаҡларға.
Читайте нас в
"© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна. |
Улар Сочиҙа осрашты. Ғөмүмән, был ике лидер һуңғы ваҡытта йыш аралаша. Йә осрашып һөйләшһендәрме, йә телефон аша, тигәндәй. Өҫтәүенә, күршеләр яғынан әллә ниндәй имеш-мимештәр ҙә ишетелә.
Рәсәй Президенты менән Беларусь республикаһы Президенты Александр Лукашенко хеҙмәттәшлек буйынса төрлө темаға фекер алышты. Шулай ҙа төп тема нефть һәм газ кеүек сеймалдарға бәйле ине. Беләһегеҙ, әле Белоруссияға уларҙы күпмегә һатыу тураһында бәхәс ҡупты, буғай.
Был юлы һөйләшеүҙәргә байтаҡ эксперттар ҙа ҡушылды.
- Күп нәмә тураһында һөйләштек һәм бөгөнгө мәсьәләләргә лә туҡталдыҡ. Үҙебеҙ генә ҡарар ҡабул итмәнек, ә ошо процесс буйынса белгестәрҙе йәлеп иттек.
Әйткәндәй, һөйләшеү ябыҡ ишек артында барған. Кем кемгә нимә тигәнен үҙҙәре әйтмәйенсә белмәйбеҙ. Ысынлап та, газды Беларусҡа һатыу хаҡы буйынса ниндәй уртаҡ фекергә килгәндәрҙер? Хәйер, килә алманылар, тиһәк дөрөҫ буласаҡ. Беҙ күршеләргә бер ниндәй ҙә ташлама бирмәйбеҙ әлегә. Путин Лукашенкоға ошо турала нисегерәк итеп әйтте икән?..
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в
Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г. |
Районыбыҙҙың биш ауыл биләмәһендә, атап әйткәндә, Раевка, Ибрай, Шафран, Казанка, Ҡармыш ауыл Советтарында ҡоро-һары һәм сүп-сар яндырыу осраҡтарының артыуы теркәлгән.
Районда йыл башынан 23 янғын теркәлгән, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда алты осраҡҡа күберәк.
Янғындарҙың күбеһе – асыҡ территорияларҙа ҡоро үлән һәм сүп-сар яныуы. Йыл һайын янғын осраҡтарының киҫкен артыуы апрель һәм май айҙарында күҙәтелә. Районыбыҙҙың биш ауыл биләмәһендә, атап әйткәндә, Раевка, Ибрай, Шафран, Казанка, Ҡармыш ауыл Советтарында ҡоро-һары һәм сүп-сар яндырыу осраҡтарының артыуы теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы, ауыл биләмәләре башлыҡтары административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөргә хоҡуҡлы. Сүп-сар һәм ҡороғанан үлән яндырған өсөн граждандарға 500 һумдан 2 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Хөрмәтле әлшәйҙәр! Һеҙҙе янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә, участкаларығыҙҙа ҡоро-һары һәм сүп-сар яндырмаҫҡа саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлеге тураһында онотмағыҙ. Янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, 101, 112 (мобиль телефондан), 01, 2-35-30 (стационар телефондан) номерҙарына шылтыратығыҙ.
Дәүләкән район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге.
Читайте нас в
© 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации. |