text
stringlengths
369
192k
Матросов исемендәге хужалыҡ - районда ошо йылдар дауамында юғары уңыш алыр өсөн тупраҡҡа органик булмаған ашламалар индереү менән бер рәттән органик ашламалар ҙа индергән хужалыҡтарҙың береһе булып тора. Ябай халыҡ телендә әйткәндә элек-электән ерҙе туҡландырыу өсөн тиреҫ индерәләр. - Әлеге эште 11 октябрҙә башланыҡ, - тип һөйләй бригадир Амур Хәлитов. - Кисә 500 тонна сығарҙыҡ, бөгөн тағы ла 700 тонна сығарырға планлаштырабыҙ. Эшкә биш техника берәмеге йәлеп ителде - өс КамАЗ һәм ике ЗИЛ. Бында тәжрибәле водителдәр - Рәмил Нуриманов, Фәнсит Хәлитов, Рәйес Сәфиуллин, Айрат Сәйфетдинов, Амур Хөснөтдиновтар эшләй. Тейәгестә - Камил Таиров менән Ринат Ғималетдинов (һүрәттә). Әлеге ваҡытта водителдәр ағымдағы йылда йәйен көнбағыш сәселгән баҫыуға органика ташый. Әлеге культура, әлбиттә, төшөмлө, әммә тупраҡтың уңдырышлылығын кәметә. Шуға күрә уны тиреҫ менән туҡландырырға кәрәк. Бер юлы ферма территорияһы ла тиреҫ өйөмдәренән бушап ҡаласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, кем әйтмешләй, яҡшы ла, файҙалы ла. Һауа торошоноң да һәйбәт булыуы һөнөслө. Ел булһа ла көндәр ҡоро тора. Тимәк, баҫыуҙарға ашлама индерелә, ә был, үҙ сиратында, культура уңышына ыңғай йоғонто яһай. Фермалар ремонтлана Беҙ бригадир менән әңгәмәләшкән ваҡытта, хужалыҡ етәксеһе Илвер Хәлитов килеп туҡтаны. Баҡ тиһәң, егәрле матросовтар быйыл йәйен әлеге комплекста шаҡтай ҙур эш башҡарған, был малдарҙы аҫрау, шулай уҡ һауынсылар һәм малсылар өсөн хеҙмәт шарттарын да яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Барыһы ла тәртип буйынса. Илвер Ғәлим улы быҙауҙар аҙбарында эшләнгән ремонт тураһында айырыуса ғорурлыҡ менән һөйләне. Дәлилләү өсөн ул беҙҙе уны ҡарарға саҡырҙы. Һары материал менән көпләнгән яңы махсус ситлектәр күҙ яуын алып тора. Улар бында 64. Стеналар эзбиз менән ағартылған, иҫке тәҙрәләр яңы пластикка алмаштырылған. Быҙауҙар эсер һәм малсылар кәрәк-ярағы өсөн һыу кәрәкле температурала булһын өсөн 100 литрлы бойлер урынлаштырғандар. Ингәс тә һул яҡлап фураж һаҡлау өсөн махсус бина эшләгәндәр. Унда ла стеналар ағартылған, яңы иҙән түшәлгән. - Быҙау аҙбарына 250 мең һум аҡса сарыф ителде, ә комплекстағы барлыҡ эштәр 1,5 млн. һумға төштө, - тип дауам итә етәксе. - Бында быҙауҙар махсус технология буйынса 72 көнгә тиклем аҫрала. Уның үҙенсәлеге - йәш мал һөт, ҡоро ҡатнашаҙыҡ, һыу менән туҡлана, ә бына рационда бесән юҡ. Әлеге ысул үҙен «Урожай» хужалығында яҡшы яҡтан күрһәткән. Беҙгә лә килешер, тип ышанам. Ремонт эштәре менән Стәрлебаштан Инсаф Мөхәмәтғәлиев етәкселегендәге бригада шөғөлләнгән. Улар тик яҡшы һүҙҙәргә генә лайыҡ. Яуаплы, намыҫлы, үҙ эшенең оҫталары, афарин! Шулай уҡ быҙаулатыу бүлегендә һәм һыйыр аҙбарында үҙгәрештәр бар. Бында бойлер, вакуумлы насос урынлаштырылған махсус бина, һауынсылар өсөн ял итеү бүлмәһе эшләгәндәр. Шулай уҡ ҡаҙанлыҡта, мал аҙығы складында һәм һыйыр аҙбарының санпропускник бинаһында ҡыйыҡты алмаштырғандар. 100 башҡа иҫәпләнгән быҙауҙар аҙбарының береһендә ремонт эштәре бара. Бынан тыш, матросовтар мал аҙығы таратҡыс һатып алған. Оҙаҡламай патока килтерә башлайҙар. Мал аҙығы ла етәрлек күләмдә әҙерләнгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, малсылыҡта хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу өсөн бик күп эш башҡарылған. Сөнки улар һуңғы ваҡытта, бик шәптән түгел ине. Һауым да бик түбән булған. Бының сәбәбе, Илвер Ғәлим улы һәм Амур Хәйҙәр улы һүҙҙәре буйынса, фермала тоҡомһоҙ малдарҙың күп булыуы. Һәм хәҙер иң мөһим бурыстарҙың береһе - уны алмаштырыу. Был йүнәлештә тәүге аҙым эшләнгән дә - оҙаҡламай 50 баш тана килтереләсәк. Һыйыр ҙа һатып алырға ниәтләйҙәр, әммә, был эшкә бик күп аҡса талап ителә. Мал ҡиммәт тора, шуға ҡарамаҫтан, уларҙы алмаштырыу өсөн ваҡыт та талап ителә! Илвер Хәлитов һүҙҙәре буйынса, хужалыҡ эштәрендә уларға яҡташтары, Мәләүез районының «Ашҡаҙар» хужалығы директоры Илдус Хәлитов ҙур ярҙам күрһәтә. Ул уға бик рәхмәтле. Һәм, әлбиттә, үҫемлекселектә һәм малсылыҡта мәшғүл булған үҙ командаһына һәм ауылдаштарына, көндәлек намыҫлы тырышлығы менән өҫтәлебеҙҙә икмәк, ит, һөт продукцияһы булһын өсөн бар көсөн һалғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерә. Илвер Ғәлим улы хужалыҡҡа күптән түгел генә етәкселек китә. Ошо ауылда тыуып һәм үҫеп, хужалыҡҡа элекке данын ҡайтарыр, йәштәр ауылдан китмәһен, эшләгән кешеләр лайыҡлы эш хаҡы алһын өсөн бик күп көс һәм тырышлыҡ һала ул. Илвер Хәлитовтың һәм уның командаһының барыһы ла килеп сығыр тип ышанабыҙ. Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов “Айыҡ ауыл - 2023” республика конкурсының муниципаль этабын үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. “Айыҡ ауыл – 2023” конкурсында ҡатнашайыҡ! Конкурс 2022 йылдың 1 сентябренән 2023 йылдың 30 июненә тиклем ауыл тораҡтары араһында ике этапта үтә: 1-се этап (муниципаль этап) - 2022 йылдың 1 сентябренән 2023 йылдың 31 ғинуарына тиклем. Ул ауыл тораҡтары араһында үткәрелә. 2-се этап (республика этабы) – 2023 йылдың 1 февраленән 2023 йылдың 30 июненә тиклем. Ул муниципаль этап еңеүселәре араһында үтә. Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 46-сы һанында уҡығыҙ. Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Билдәле булыуынса, 1 июлдә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү уҙасаҡ. Унда республика халҡы әүҙем ҡатнашыр тип ышанабыҙ. Ошо йәһәттән Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Лида Иҫәргәкова ла был мөһим сараға ҡарата фекере менән уртаҡлашты. “Әгәр бала ата-әсәһенең тауыш биреү кеүек сараларҙағы гражданлыҡ әүҙемлеген күреп үҫһә, ул да оло тормошта үҙен шулай тотасаҡ. Ә тарих һәм йәмғиәт белеме дәрестәрендә алған белеме фекерен нығытасаҡ ҡына. Ғаиләһе, иле өсөн яуаплы булғандар был көндә тауыш биреүгә мотлаҡ барасаҡ. Ә бит бының өсөн күп тә кәрәкмәй – төҙәтмәләр проекты менән танышыу һәм үҙеңдең ҡарарыңды бланкта күрһәтеү етә. Республика халҡы тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыр тип ышанам”. Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләргә килгәндә, Лида Иҫәргәкова мәҙәниәт һәм халыҡтың именлеге өлкәһендә индерелгән үҙгәрештәргә айырыуса иғтибар итергә кәңәш бирә: “Дәүләттең мәҙәниәтте яҡлау һәм һаҡлау факты бик мөһим. Минималь эш хаҡының йәшәү кимәленән кәм булмауын тәьмин иткән һәм гарантиялаған төҙәтмә лә, минең ҡарашҡа, мөһим. Пенсияны йылына бер тапҡырҙан да кәм булмағанса ҡайтанан иҫәпләү ҙә. Әлеге ябай булмаған социаль-иҡтисади шарттарҙа билдәләнгән был гарантиялар ил граждандарында киләсәккә ышаныс тыуҙыра”. Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Balalar-ololar-an-rn-k-ala-307336/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Рәсәй етәксеһе Италия премьер-министры менән һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһында АҠШ һәм Ҡытай араһындағы сауҙа алышының барлыҡ донъя иҡтисадына кире йоғонто яһаясағын белдерҙе. Рәсәй етәксеһе Италия премьер-министры менән һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһында АҠШ һәм Ҡытай араһындағы сауҙа алышының барлыҡ донъя иҡтисадына кире йоғонто яһаясағын белдерҙе. Был ике дәүләт үҙ-ара килешмәүсәнлекте яйға һалмаһа, бар донъя зыян күрәсәк. “Эҙемтәһе барыбыҙ өсөн дә насар буласаҡ. Шуның өсөн дә үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим, сәйәси нигеҙҙәге сикләүҙәр, санкциялар, тарифтарҙы бер яҡлы тәртиптә индереү туҡтатылырға тейеш”, – тине Владимир Путин. Рәсәй лидеры шулай уҡ АҠШ менән КХР араһындағы сауҙа алышы дауам итһә, донъя сауҙаһының 2024 йылға 17 процентҡа кәмейәсәген белдерҙе. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Мастер-А” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Мәләүездә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ҡала төҙөлөшө тармағында был ойошма ныҡлы урын алған. Уны 2002 йылда Анатолий Мизин менән Алексей Вебе ойоштора, әлеге көндә Максим Мизин - генераль, һуңғыһы коммерция директоры вазифаһын атҡара. “Мастер-А” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Мәләүездә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ҡала төҙөлөшө тармағында был ойошма ныҡлы урын алған. Уны 2002 йылда Анатолий Мизин менән Алексей Вебе ойоштора, әлеге көндә Максим Мизин - генераль, һуңғыһы коммерция директоры вазифаһын атҡара. Тәүге объекттары тип ҡаланың кирбес заводындағы реконструкция эштәрен атап китергә була. Улар төҙөгән “Олимп”, “Альфа” сауҙа, “Империя” эшҡыуарлыҡ үҙәктәре ҡала архитектураһына йәм бирә. 2007 йылдан күп ҡатлы йорттар һалыу эшенә тотоналар. Яңы объекттарҙы хәҙер Буранғолов, Колхоз, ВЛКСМ-дың 50 йыллығы, Ленин, Карл Маркс урамдарында күрергә була. Смоленский урамындағыһы иҫәп буйынса - унынсыһы. Ҡышын нигеҙ, стеналарын күтәрһәләр, яҙын биҙәү, эшкәртеү кеүек эштәргә сират етә. “Төҙөлөш өлкәһендә конкуренция көслө, ҡаты дәғүәселек шарттарында сифат менән генә алдырырға мөмкин. Ҡулланған материал дәүләт стандарттарына яуап бирә, ”, - ти етәкселек. Төҙөүсе һөнәре - иң ауырҙарҙың береһе. Ташсылар Әлфир Фазләхмәтов, Ринат Мөхәмәтдинов, Сергей Смирнов, Рәмил Әминев, Виктор Вачёв - эште энәһенән ебенә тиклем белгән оҫталар. Компания төҙөлөш объекттарында хәҙерге заман технологияларын ҡуллана. Мәҫәлән, һәр йорттоң газ ҡаҙанлыҡтары айырым урынлаштырылған, һауа торошона ҡарап, көйләү системаһы менән тәьмин ителгән. Был коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе лә кәметә. Фатирҙарҙа янғын сығыу хәүефен иҫкәртеү приборҙары бар. Заманса планлаштырылған фатирҙарҙың тәҙрә, иҙән, түшәме лә заман талаптарына яуап бирә. Әйткәндәй, 1-се ҡаттағы фатиҙарҙа тулыһынса, өҫтәгеләрендә иһә өлөшләтә йылы иҙән түшәлгән. Тирә-яҡ төҙөкләндереләсәк: йорт ишеге алдарында балаларға уйнарға, өлкәндәргә ял итергә майҙансыҡтар ҙа планлаштырылған. Видеокүҙәтеү системаһын да урынлаштырасаҡтар. “Ышаныслы компаниялар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. “Анко” фирмаһына етештереү цехтары төҙөйбөҙ, улар үҙ нисбәтендә сифатлы пластик тәҙрәләр менән тәьмин итә”,- ти Максим Анатольевич. “Мастер - А” йәмғиәтенең ошо көндә үҙенең бер нисә цехы, 8 берәмек техникаһы бар, унда металл ҡоролмалары, фундамент блоктары, ҡоҙоҡ өсөн ҡулсалар, ҡыйыҡ ябыр өсөн төҙөлөш материалдары етештерә. Шундай һөнәр эйәләре була - уларҙың көндәлек эше бөтөнләй күренмәй. Ә төҙөлөш тармағындағыларҙың эше - һәр ваҡыт күҙ алдында, торлаҡ объекттары үҙҙәренең формалары, архитектураһы менән ҡыуандыра. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, баһаһын алыу - иң ҙур бәхет. Ҡаланың үҫешенә тос өлөш индергән ойошма, улар төҙөгән йорттар ҡала тарихында ныҡлы урын ала, данын күтәрә.
5 февралдә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Ҡариҙел, Мәсетле, Салауат райондары буйынса эске эштәр бүлектәре хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында XX ижад фестивале үтте. 5 февралдә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Ҡариҙел, Мәсетле, Салауат райондары буйынса эске эштәр бүлектәре хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында XX ижад фестивале үтте. Быйыл сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Кинйәбулатов һәм район эске эштәр бүлеге начальнигы Эдуард Әбсәләмов ҡунаҡтарҙы сәләмләп барыһына ла уңыштар теләне. Рәсәй гимнын аяғүрә баҫып тыңлағандан һуң фестиваль асыҡ тип иғлан ителде. Йыр-моңһоҙ, бейеүһеҙ кешенең тормошон күҙ алдына килтереү мөмкин түгелдер. Фестиваль ошо һүҙҙәргә асыҡ дәлил булды. Хоҡуҡ һаҡсыларының оператив, мөһим хеҙмәте тынғыһыҙлығы менән айырылһа ла, улар үҙешмәкәр сәнғәткә лә ваҡыт таба икән. Йыр-бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, күңелгә үтерлек шиғри юлдар – барлыҡ сығыштар ҙа тамашасыны һоҡландырҙы, оҫталарса башҡарылды. Төрлө вазифала, званиела булыуҙарына ҡарамаҫтан,һәр кем үҙен сәхнәлә иркен тотто, матур костюмдар сараға йәм өҫтәне. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса гран-прины Дыуан районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре яуланы. Беренсе урынды Балаҡатай һәм Салауат райондары бүлешһә, икенсе урында - Ҡыйғы районы, өсөнсөлә - Мәсетле һәм Ҡариҙел райондары. Патриотик йөкмәткеле фестиваль хоҡуҡ һаҡсылары ҙур талант эйәләре булыуын иҫбатланы, алты райондан йыйылған полиция хеҙмәткәрҙәрен йыр-моң ярҙамында берләштерҙе, дуҫлаштырҙы. Р. Иштуғанова. Дыуан районы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Ғәйнулла Миһран улы элек яуаплы урында эшләгән. Бығаса күҙгә-башҡа салынып бармаған уҙаман пенсияға сыҡҡас, әүҙемләште лә китте. Ҡаланың ситендәрәк йәшәһә лә, бер саранан да ситтә ҡалмай, мөһабәт кәүҙәһе менән әллә ҡайҙан күҙгә ташланып иң алҡы рәттә һәр ваҡыт ул ултырған булыр. Редакцияларға ла йыш килә. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, ҡулында һимеҙ портфель. Беҙгә туған телде һаҡлау йәһәтенән үҙенең уй-хистәре менән уртаҡлаша, әүҙемерәк, ҡыйыу булырға саҡыра, кәңәш бирә. -Ҡурҡаһығыҙ шул, ҡурҡаһығыҙ, – тип шелтәләп тә ала. Һөнәре буйынса бөтөнләй башҡа өлкә кешеһе булһа ла, тыуған яғының тарихы буйынса китабын да сығарған. Бер килгәнен дә ошо ижад емешен бүләк итеп:- -Фәлән ғалим тарихсы, профессор булһа ла, төптө бушты яҙған, – тине. – Шуның хатаһын төҙәтеп, үҙемдең аҡсаға китап сығарҙым. Фәлән һумға төштө. Быны шуны ҡарағыҙ әле. Йәмәғәтсе ағай йыйылыштарҙа гөрөлдәк тауышы менән халыҡ, милләт киләсәге хаҡында борсолоп сығыш яһай. Берәүҙәрҙе ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләй, икенселәрҙе – битарафлыҡта. -Телебеҙҙе ҡыҫалар. -Балаларығыҙға туған телде өйрәтмәйһегеҙ- -Маңҡорт булмайыҡ. Көндәрҙең береһендә Ғәйнулла Миһран улының өйөндә булырға тура килде. Ҡыҙының урыҫса ғына һөйләшеүенә иҫем китте.
5 ғинуарҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. 5 ғинуарҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция тәртибендә социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. – Беҙҙең эштең төп маҡсаты булып кешеләрҙең яҡшыраҡ йәшәүе тора, тимәк, иң мөһиме - социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, – тине Владимир Путин. – Бөгөн Раштыуа байрамы алдынан тап ошо проблемалар тураһында һөйләшергә ниәт. Тәү сиратта кешеләр дәүләт ярҙамына мохтаж булған осраҡтарҙы ҡарайыҡ. Һорауҙар күп төрлө, тик уларҙы бер нәмә берләштерә – беҙҙең дәүләт структураларының граждандарҙы социаль яҡлау буйынса эшмәкәрлеге. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һирәк осрай торған сирҙәрҙән яфаланған балаларҙы дарыу менән тәьмин итеү, ясле һәм баҡсаларҙағы урындарҙы арттырыу, башланғыс кластарҙа уҡығандар өсөн бушлай туҡланыу ойоштороу, ғаиләләргә социаль түләүҙәрҙе ваҡытында биреү, пенсияларҙы индексациялау һәм башҡа темалар тураһында һөйләште. Владимир Путин белдереүенсә, 2021 йылдың 1 ғинуарынан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар үҫкән аҙ килемле ғаиләләргә ярҙам сараһы яңыса эшләй башларға тейеш. Әгәр быға тиклем түләү йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итһә, хәҙер ул бер йәшәү минимумына тиклем артырға тейеш. Тик шарты бар: әгәр быға тиклем түләгән аҡса ғаиләгә мохтажлыҡтан сығыу өсөн етмәгән булһа. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та сығыш яһаны. – Мәктәптәрҙә йылы аш ойоштороу буйынса. Был, беҙҙеңсә, иң изге башланғыстарҙың береһе. Шуға күрә алдан да 22 мең самаһы баланы бушлай ашата инек, хәҙер уларҙың һаны 223 меңгә етте. Быға әҙерләнә инек, – тине ул. Радий Фәрит улы белдереүенсә, был эш еңел бирелмәй. Башҡортостанда ике меңдән ашыу мәктәп бар, уларҙың күпселеге ауылдарҙа. Тимәк, аҙ комплектлылары ла байтаҡ. Уларҙа йылы аш ойоштороу буйынса моделдәр күп. Был эшкә ата-әсәләр ҙә йәлеп ителде, улар туҡланыу сифатын контролдә тота. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, мәктәп ашханалары һәм аш-һыу блоктары ремонт талап итә. Быға әҙерлек бара. – Ҡыҙыҡлы миҫал килтерәм. Ике йыл элек беҙ мәктәптәргә килгән итте тикшерҙек. Һәм унда Башҡортостан ите ни бары 13 процент ине. Хатта буйвол ите, башҡалары ла бар ине. Әле мәктәптәрҙә беҙҙең ит – 90 процент самаһы. Эйе, Ырымбурҙан һәм башҡа төбәктәрҙән дә алабыҙ. Тик, дөйөм алғанда, аҙыҡ-түлек сифаты күпкә яҡшырҙы. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, Владимир Владимирович. Ата-әсәләр ҙә рәхмәтле! – тине ул. Мәктәпкә тиклемге йәштәге балаларға Яңы йыл алдынан бирелгән биш мең һумлыҡ пособие буйынса ҡарар ҡабул ителеү менән эш башланған. – Ғинуар башланғансы ошо түләүҙәрҙе 406 мең бала алды. Дөйөм иҫәптең 100 проценты тиерлек. Был аҡсаны биреү ауыр булманы, сөнки беҙ тәүге түләүҙәр осоронан эшләргә өйрәндек, база барлыҡҡа килде, – тине Радий Хәбиров. Иң мөһиме – ведомство-ара хеҙмәттәшлек арҡаһында кешеләргә һәр түләү һәм пособие өсөн справкалар йыйып йөрөү кәрәкмәй. Ғариза биреү етә – һөҙөмтәлә бында ҡатнашҡан бөтә хеҙмәттәр досье булдыра, һәм аҡса картаға килә. – Йыл еңел булманы. Тик беҙ барыбер торлаҡты ла, социаль-мәҙәни объекттарҙы ла төҙөүҙе ҡыҫҡартманыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Мәктәпкә тиклемге учреждениелар төҙөү буйынса быйыл беҙҙә рекорд. Бер ҡасан да улай булғаны юҡ ине. 25 балалар баҡсаһы сафҡа инде. Былтыр 23 ине. Был мәсьәләлә алға китеш бар, шулай дауам итәсәкбеҙ. Радий Фәрит улы белдереүенсә, республикала шәхси балалар баҡсалары мөмкинлектәре лә киңәйтелде. Былтыр улар өсөн алты мең һумлыҡ сертификат бирә башланыҡ. Тимәк, ата-әсә сертификат ала, лицензия үткән мәктәпкә тиклемге шәхси учреждениеға барып, балаһын бирә. Шулай итеп, ата-әсә өсөн дә мөмкинлектәр арта, шәхси бизнесҡа ла ярҙам күрһәтелә. – Дөйөм алғанда, йыл ыңғай булды. Һеҙгә ярҙам өсөн рәхмәт. 2020 йылда булышлыҡ бик кәрәк ине, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ социаль ярҙам өсөн бирелгән аҡсаны һананыҡ: 2019 йылда 19 миллиард һум бүленһә, 2020 йылда – 36 миллиард һум. Бөтәһе лә кешеләргә килде, ҡулланыусылар баҙарына китте. Дөйөм алғанда, халыҡ үҙен ышаныслыраҡ тойҙо. Беҙ 2021 йылға өмөт менән ҡарайбыҙ. Бар бурыстарҙы ла үтәйәсәкбеҙ.
Тиҙҙән социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыусыларҙың яңылыҡтар таҫмаһында лайктар һаны күренмәйәсәк. Сөнки компаниялар, әлегә эксперимент рәүешендә, "өҫкә күтәрелгән баш бармаҡ" һәм “йөрәк”тәрҙе иҫәпләүсе счетчиктарҙан баш тартты. Тиҙҙән социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыусыларҙың яңылыҡтар таҫмаһында лайктар һаны күренмәйәсәк. Сөнки компаниялар, әлегә эксперимент рәүешендә, "өҫкә күтәрелгән баш бармаҡ" һәм “йөрәк”тәрҙе иҫәпләүсе счетчиктарҙан баш тара. Лайктарҙы юҡҡа сығарыу кешеләрҙе ирекле итәсәк, сөнки күптәр яҙылыусыларҙың иғтибарына бәйле, тип иҫәпләй компания етәкселеге. Яңы үҙгәреш социаль селтәрҙә үҙ фекереңде ҡыйыуыраҡ белдерергә, был пост лайк йыйманы, тип ҡайғырмаҫҡа, психологик яҡтан көсөргәнеш кисермәҫкә ярҙам итәсәк, ти эксперттар. Ҡайһы берәүҙәр, етерлек “йөрәк” йыймаясаҡ тип, үҙҙәренең тормошондағы хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашырға ҡыймай, баҡтиһәң. Ә бына блогерҙар араһында ҡарау һәм комментарийҙар өсөн ярыш башланасаҡ, сөнки улар өсөн иң мөһиме – күберәк лайк йыйыу. Фейсбукта “Миңә оҡшай” төймәһе 2009 йылда барлыҡҡа килде. Шуныһы ҡыҙыҡ, Марк Цукерберг иң тәүҙә быға ҡаршы була. Әлегә ВК-ла тест режимында ҙур булмаған төркөм һынау үтә. Уларҙың постары аҫтындағы ғәҙәти йөрәк урынына “Оҡшай” тигән төймә тора. Инстаграм 20 ноябрҙән популярлыҡты арттырыу өсөн төрлө ҡушымталар ярҙамында күбәйтелгән лайк һәм комментарийҙарҙы юя башлаясаҡ. http://www.ye02.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
'''Ҡурмас''' -— тын игендән әҙерләнә торған аҙыҡ. Ниндәй шарттарҙа ла боҙолмай. Башҡорттар, ғәҙәттә, уны оҙойлы юлға ала торған булған. == Ингредиенттар == * Бойҙай Ғәҙәттә, бойҙай бөртөксәләренән эшләнә.Тәүҙә бойҙайҙы ҡыҙҙырып ҡурмас эшләп алалар. Ҡурмасты табала йәки йәйпәк ҡаҙанда ҡуралар. Өс-дүрт ус бойҙай һалып, ағас ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк. Бөртәксәләр ҡыҙарғас тешләп ҡарайҙар. Тешләгәндә кетерләп, сыртлап ыуалып торһа, ҡурмас өлгөргән була. ▼ == Әҙерләү ысулы == ▲Ғәҙәттә, бойҙай бөртөксәләренән эшләнә. Тәүҙә бойҙайҙы ҡыҙҙырып, ҡурмас эшләп алалар. Ҡурмасты табала йәки йәйпәк ҡаҙанда ҡуралар. Өс-дүрт ус бойҙай һалып, ағас ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк. БөртәксәләрБөртөксәләр ҡыҙарғас, тешләп ҡарайҙар. Тешләгәндә кетерләпКетерләп, сыртлап ыуалып торһа, ҡурмас өлгөргән була. Дөрөҫ әҙерләнгән ҡурмас хуш еҫле һәм бик тәмле була. Ҡурмас- ниндәй шарттарҙа ла боҙолмай торған әҙер туҡлыҡлы аҙыҡ. Башҡорттар, ғәҙәттә, уны оҙойлы юлға ала торған булған.
Был ял көндәре бөтөнләй газ плитәһе эргәһенән китеп булмай. Бер күҙ унда булһа, икенсеһе - компьютерҙа. Сөнки балаларҙы ла һыйларға, мәҡәләләр ҙә яҙып өлгөрөргә кәрәк. Ни тиһәң дә, беҙ бит "удаленкала". Кисә үҙемдең яҡындарымды төрлө бәлештәр, бауырһаҡ, ҡыҙҙырылған тауыҡ менән һыйлаһам, бөгөн башҡорт милли аш-һыуы "Бишбармаҡ"ҡа сират етте. Ә һеҙ "Бишбармаҡ"ты нисек әҙерләйһегеҙ? Әхирәттәр, аш-һыу бешереү серҙәре менән уртаҡлашайыҡ әле. Ял көндәрен файҙаланып ғаиләбеҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлайыҡ. Бишбармаҡ— төрки халыҡтарында киң таралған һимеҙ иттән, һалманан әҙерләнгән ризыҡ. Башҡорттарҙа, һәр хәлдә беҙҙең Баймаҡ яҡтарында, ул картуф ҡушылып әҙерләнә. Бишбармаҡ бешереү өсөн һимеҙ һарыҡ йәиһә һыйыр, йылҡы ите алына. Итте ваҡ киҫәктәргә бүлеп, һыуҙы артыҡ күп һалмайынса, самалап тоҙ һалып бешерергә кәрәк. Һалманы былай әҙерләйем: он, йомортҡа һәм ҡайнап ултырған һурпаны бер аҙ һыуытып, ҡамыр баҫып алам. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, бер аҙ киптерәм. Артабан һалма ромбиктарға киҫелә. Бишбармаҡ өсөн картуф айырым бешерелә. Тәрилкәгә картуф, ит һалып, өҫтөнә ҡайнап торған һурпа ҡойола. Ваҡлап туралған йәшел йәки аҡ һуған һибелә. Бишбармаҡтың үҙен тәрилкәләргә һалабыҙ. Йәшел һуған, укроп бибергә мөмкин. Яратыусыларға, ҡорот та бирәбеҙ. Ә һурпаны, һурпаны инде айырым кәсәләрҙә, иҙелгән ҡорот һалып болғатып, ҡара борос һалып бирәбеҙ. Уның тәмлелегее. . . Мммм! . . 4 кешелек бишбармаҡ бешереү өсөн 600 гр. һарыҡ ите, 2 баш картуф, 3 баш һуған, 1 стакан бойҙай оно, 1 йомортҡа, 2 аш калағы аҡ май, 3 стакан һурпа, самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр алына. Ә һеҙ был милли ризыҡты нисек бешерәһегеҙ? Иртәгегә уйлап торам әле: Өмөтбайҙа "Әүлиә" ағинәйҙәренең оҫталыҡ дәресендә күреп ҡайтҡан бауырһаҡты бешерергә иҫәбем)))
«Торатау» геопаркы йылына миллионға тиклем туристы ҡабул итергә йыйынаБашҡортостанда «Торатау» геопаркы йылына 500 мең кешене ҡабул итергә тейеш. Ике йылда был һан миллионға етер, тип фаразлана. Башҡортостанда «Торатау» геопаркы йылына 500 мең кешене ҡабул итергә тейеш. Ике йылда был һан миллионға етер, тип фаразлана. 13 ноябрҙә Өфөлә уҙған «Торатау. Хәҙергегә инвестициялар» түңәрәк өҫтәлендә ошондай прогноздар яңғыраны. «Түңәрәк өҫтәл район хакимиәттәренең, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, инвестор вәкилдәренең осрашыу урыны булды. Башҡортостан үҙенең матур тәбиғәте менән дан тота. Әлеге ваҡытта 128 туристик маршрут әҙерләнгән. Улар янында туринфраструктура ойошторорға, урынлашыу, туҡланыу объекттарын тәьмин итергә кәрәк һәм шунан һуң геопарк эшләй башлар», — тип хәбәр итте «Торатау» геопаркын булдырыу һәм үҫтереү буйынса проект етәксеһе Наталья Лукашина. Әлеге ваҡытта геопарк биләмәһендә туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ селтәре эшләй. Геопаркта эшләүгә йәлеп итеү күҙалланған эшҡыуарҙар һаны тураһында һөйләгәндә, Наталья Лукашина барыһы ла инвесторҙарҙың теләгенә бәйле булыуын билдәләне. Хәҙер 50 эшҡыуар менән хеҙмәттәшлек алып барыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов һүҙҙәренсә, «Торатау» геопаркы эшләй башлаһын өсөн юл картаһының 60 пунктын ғәмәлгә ашырырға кәрәк, быға ике йыл ҡаралған. Әлеге ваҡытта геопарк сиктәре тулыһынса билдәләнмәгән. Торатау геопаркының майҙаны 4362 квадрат километр тәшкил итә. Унда ете төп локация — Красноусол, Еҙем, Торатау, Маҡар, Верхотор, Йөрәктау, Хажы. «Туристарҙың эске ағымын үҫтереү зарур. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем Шүлгәнташҡа һәм Торатауға барып ҡайтырға тейеш тигән маҡсат ҡуйырға кәрәк. Беҙҙең туристар — 1000 километрға тиклем радиуста йәшәгән яҡташтарыбыҙ. Беҙгә Калининградтан йәки Белгородтан килмәйҙәр, Владивостоктан да Башҡортостанға туристар юҡ. Беҙгә Ырымбурҙан, Ҡазандан, Екатеринбургтан, Силәбенән киләләр. Ошо ағым менән эшләргә кәрәк», — тип иҫәпләй Салауат Нафиҡов.
Көндәрҙең ҡоро тороуына һәм урмандарҙа янғын хәүефенең артыуына бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урман-янғын бүлектәре «Юғары әҙерлек» режимына күсерелде, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. «Урмандарҙы һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙе патрулләү көсәйтелә. Был осорҙа халыҡтың урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген үтәүенә, шулай уҡ ҡуртымға алынған урман участкаларында янғынға ҡаршы әҙерлек сараларын үткәреүҙе контролдә тотоуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә», — тиелә белдереүҙә. Урман фонды биләмәһендә 2019 йылдың 13 апреленән 16 авгусына тиклем 146 урман янғыны теркәлгән, уларҙың 57-һе — халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, 36-һы ҡоро үлән яндырыуҙан таралған, икәүһе — линиялы объекттарҙан, 50-һе йәшендән сыҡҡан, берәүһе үҙенән-үҙе янып киткән. Янғындың дөйөм майҙаны 1965 гектар тәшкил иткән. Янғын хәүефе янаған осраҡта Башҡортостан Урман хужалығы ҡарамағындағы Төбәк диспетчер хеҙмәте телефонына (347) 218-14-14) йәки Урман һағының берҙәм федераль номерына (8-800-100-94-00) шылтыратырға, янғын сығанағын һүндереү өсөн мөмкин булған сараларҙы күрергә кәрәк. Бынан тыш, «Урманды һаҡлағыҙ» ҡушымтаһы бар, уны Google play, App Store, Windows Store сервистарынан күсереп алырға була, ул тотош илдә ғәмәлдә һәм урман һағы менән бәйләнешкә инергә мөмкинлек бирә.Башҡортостан гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Республиканың ҙур сәнәғәт предприятиелары менән бер рәттән бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Л. З. Мөхөтдинованың булыуы уғата ҡыуаныслы. Сираттағы, 20-се «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эше йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте «Күргәҙмә үҫешенә өлөш индергәне өсөн» Гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы предприятиелары тармаҡ конкурстарының 166 миҙалы менән билдәләнде. Уларҙың 94-е — алтын, 44-е — көмөш һәм 28-е — бронза. Республиканың ҙур сәнәғәт предприятиелары менән бер рәттән бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Л. З. Мөхөтдинованың булыуы уғата ҡыуаныслы. Лилиә Зәбир ҡыҙы малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә һәм эшкәртеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн күргәҙмәнең дипломына һәм алтын миҙалына лайыҡ булды. Л. З. Мөхөтдинованы барыһы ла тәмле ҡымыҙ бешеү оҫтаһы булараҡ белә. Сөнки тиҫтә йылдан ашыу арауыҡта уның ҡымыҙын кемдәр генә ауыҙ итмәгән дә, уның даими һатып алыусыһына әүерелмәгән. Был эште 12 бейәнән башлап ебәрә Лилиә. Бөгөн инде фермер хужалығында 125 һауын бейә бар. Бында етештерелгән шифалы эсемлек «Яҡтыгүл» шифаханаһында дауаланыусыларға оҙатыла, шулай уҡ Әбйәлилдән тыш, күрше-тирә ҡала-район магазиндарына ла һатыуға ебәрелә. — Боронғо, онотолған серҙәрен ҡулланып, бешәм ҡымыҙҙы. Төрлөсә тәм менән яраталар бит шифалы эсемлекте, шуға ла төрлө әселектә, ыҫлап та, сейә япрағы ҡушып та әҙерләйем. Әйткәндәй, өләсәйем дә оҫта ҡымыҙ бешеүсе булған, шуға был эш миңә ҡандан килә, тип уйлайым, — тип һөйләй Лилиә. Бөгөн крәҫтиән-фермер хужалығында ҡымыҙ етештереүҙә сифатлы ҡорамалдар һәм заманса технологиялар ҡулланалар. Мәҫәлән, йылҡыларҙы һауыу эшен еңеләйтеү маҡсатында һауыу аппараты алынған, аттарға ҡуйылған «маячоктар» уларҙың ҡайҙа йөрөгәнлеген белеү өсөн бик уңайлы икән. Фермер ике кешегә эш урыны булдырған: йыл әйләнәһенә бер һауынсы һәм көтөүсе тота. Л. З. Мөхөтдинованың КФХ-һы эшмәкәрлеге ҡымыҙ етештереү менән генә сикләнмәй. — Йәй көндәре ҡымыҙҙы күпләп һатһаҡ, башҡа ваҡыттарҙа һөткә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сөнки был осорҙа һөт продукцияһының хаҡы сағыш-тырмаса ҡиммәтләнә төшә. Эремсек, май-ҡаймаҡ, ҡороттоң күпселеген Магнитогорск ҡалаһында һатабыҙ. Ә һыйыр, йылҡы, һарыҡ итен йыл әйләнәһенә тәҡдим итәбеҙ, шулай уҡ үҙебеҙ эшләгән ҡаҙы, тултырманы ла бик яратып ала халыҡ, — ти эшҡыуар. Л. З. Мөхөтдинова етәкләгән хужалыҡта бөгөн йылҡынан тыш, 120-ләп баш һыйыр малы, 170 баш тоҡомло һарыҡ аҫрала. Уңған хужабикә ихата тултырып ҡош-ҡорт та көтә, баҡсаһында йәшелсә-емешен дә күпләп үҫтерә, уларҙы эшкәртергә лә ваҡытын таба. Ошондай әйләнеп сыҡҡыһыҙ эштәренән бушап, Яңы Һамар клубы мөдире булараҡ, ауылдаштары өсөн төрлө кисәләр, осрашыуҙар үткәрергә лә өлгөрә Лилиә Зәбир ҡыҙы. — Ауыл кешеһе йыр-бейеүгә һыуһаған. Байрамдарға концерт әҙерләгәндә йәштәр менән бер рәттән ололар ҙа бик теләп ҡатнаша. Сәхнәнән үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеп, тамашасы алдында йырлап-бейеп оло ҡыуаныс кисерә улар, — ти Лилиә Мөхөтдинова. — Һәр кемдең йәшенә, һәләтенә ҡарап бейеү һалам, йыр өйрәтәм. Клубта эшләүем — күңелемә ял. Биш йәшлек сағынан Римма апай Солтанова алып барған бейеү түңәрәгенә йөрөгән Лилиә өсөн, ысынлап та, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап йәшәү — үҙе байрам. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡығанда һәләтле ҡыҙ белем йортоноң ансамбле составында даими бейей. Бухгалтер дипломы менән бергә «художестволы үҙешмәкәрлек етәксеһе» тигән өҫтәмә белем дә алып сыға ул юғары уҡыу йортонан. Бейеү сәнғәте Лилиәне тормошо буйлап оҙата килә, тиһәк тә хата булмаҫ, уның район, республика бейеү бәйгеләрендә яулаған еңеүҙәре аҙ түгел. Ул ғына ла түгел, эшлекле ханымдар араһында ойошторолған төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә һынатмай яҡташыбыҙ. Миҫалға, уҙған йыл «Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсында лайыҡлы сығыш яһап, «Бизнес корифейы» исемен яуланы. Әлбиттә, Лилиә Зәбир ҡыҙының бөтә был уңыштарының башында тормош иптәше тора. Бар ғүмерен малсылыҡта эшләүгә арнаған, оҙаҡ йылдар Яңы Һамар, Әүмеш бригадаларын етәкләгән Әбүзәр Ғәйәр улы Лилиәнең төп ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, терәге. Һәр эште бергәләп, кәңәшләшеп башҡарырға күнеккән улар. Эшһөйәр, уңған Мөхөтдиновтар өс балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Азалия бөгөн медицина университетының алтынсы курсында белем ала, йәй көнө ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, гөрләтеп туй яһаны улар. Улдары Морат Сибай институ-тының икенсе курсы студенты. Әлиә иһә би-шенсе класта уҡый, әсәһе кеүек бейергә ярата. Республика балалар «Байыҡ» бейеү конкурсында призлы урындарҙан тыш, гран-приға ла лайыҡ булды ул. «Алтын көҙ» күргәҙмәһенә, Мәскәүгә Лилиә ҡыҙҙары менән барып ҡайтты. Ауыр хеҙмәтенең уңыштарын урыу булған Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҙур награда менән тәбрикләнеү ваҡиғаһында бергәләп ҡатнаштылар. «Күргәҙмәлә илебеҙҙә аҫралған тоҡомло малдарҙы ҡарарға, заманса техникаларҙы, продукцияны эшкәртеү ҡорамалдарын күрергә була ине. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килтерелгән ауыл хужалығы продукцияһы төрҙәре менән танышыу мөмкинлеге булды. Ҙур предприятиелар менән бер рәттән бәләкәй эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәренең продукцияһын ҡуйған. Матур ҡаптарға тултырылған мәтрүшкә, юл япрағы һәм башҡа бик күп дарыу үләндәре иғтибарымды йәлеп итте. Эшләгән — тешләгән тип бушҡа әйтмәйҙәр, үҙ продукцияһын тәҡдим итер өсөн әллә нисә саҡрымдар үтеп, Мәскәүгә барып еткәндәр, һис шикһеҙ, үҙенең һатып алыусыһын тапты тигән фекерҙәмен», — ти Лилиә Зәбир ҡыҙы. Л. З. Мөхөтдинова «Агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы: проблемалар һәм перспективалар» тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеүҙә ҡатнашып, ауыл хужалығы өлкәһенә хөкүмәтебеҙ тарафынан күрһәтелгән ярҙам тураһында күп мәғлүмәт алған. Рәмилә ИСТАНБАЕВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Үткән шәмбелә Зәк-Ишмәт мәҙәниәт йортона Яҡшымбәт ауылы әртистәре «Йөрәктәрҙә ҡалһын йырыбыҙ» тип аталған ҙур концерт программаһы алып килде. Үткән шәмбелә Зәк-Ишмәт мәҙәниәт йортона Яҡшымбәт ауылы әртистәре «Йөрәктәрҙә ҡалһын йырыбыҙ» тип аталған ҙур концерт программаһы алып килде. Мәҙәниәт усағы директоры Гөлфиә Исхаҡова менән хореограф Гөлшат Хәйбуллина ойошторған был иҫ китмәле, шәп концерт ауыл халҡының һушын алды. Йырсыларының тауыштары ҡуйылған, бейеүселәре лә бер ҙә генә яңылышмай сығыш яһаны. Уларҙың, хатта, аппаратуралары ла үҙҙәрен «тыңлап» ҡына, көйлө генә эшләп тора. Шул тиклем яҡшы ойошторолған ине был концерт программаһы. Тамашасылар һәр сығышты дәррәү алҡыштарға күмде. Шулай итеп беҙҙең күңелдәрҙе күтәреп, йәшәүгә дәрт өҫтәгәндәре өсөн яҡшымбәттәргә бөтә ауыл халҡы исеменән ҙур-ҙур рәхмәт әйтке килә. Рәмилә ӘКБӘРОВА Зәк-Ишмәт ауылы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
“Ошо йәшеңә етеп, бер әхирәтең дә юҡ бит һинең, әсәй! Мине көтөп ултырғансы, шулар менән һөйләшер, саҡырышып сәй эсер инең. Ана, Илһам менән Зәбирҙең әсәләре кеүек: улар, бер ҡараһаң, концертта йә театрҙа бергә, икенсе юлы ҡунаҡҡа саҡырышалар. Ә һин мине ҡарауыллап тик ултыраң...” “Ошо йәшеңә етеп, бер әхирәтең дә юҡ бит һинең, әсәй! Мине көтөп ултырғансы, шулар менән һөйләшер, саҡырышып сәй эсер инең. Ана, Илһам менән Зәбирҙең әсәләре кеүек: улар, бер ҡараһаң, концертта йә театрҙа бергә, икенсе юлы ҡунаҡҡа саҡырышалар. Ә һин мине ҡарауыллап тик ултыраң...” Ҙурайып та киттеме ни шулай бала, ҡасан ғына әле бөтә хәбәрен һорамайынса ла теҙеп һөйләй ине, хәҙер минән ҡотолорға уйлай, тип улымдың һүҙҙәренә эстән генә үпкәләп ҡуйҙым. Шул уҡ ваҡытта киҫә әйтелгән хәбәре күңелемде һәр саҡ һулҡылдатып торған хәтирәләрҙе яңыртты. ...Бар ине ул минең дә иң-иң яҡын әхирәтем. Иҫ белгәндән бергә булдыҡ, йә уларҙа, йә беҙҙә уйнаныҡ, арып бер урында йоҡлап та киткеләй инек. Мәктәптә бер парта артында ун йыл бергә ултырҙыҡ. Беҙҙе айырып ҡарай ине уҡытыусылар, тик иртәгәһенә йәнә бер партаға күсеп ултыра инек. Йөрөгәндә лә етәкләшеп йә ҡултыҡлашып ала торғайныҡ, беҙгә "тоташ һауыттар" тип исем дә таҡтылар инде бәләкәй саҡта. Үҫә төшкәс, туғандарыбыҙға ла һөйләмәгән серҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ, ниндәй хәл килеп тыуһа ла, уны бүтәндәргә әйтмәҫкә анттар бирештек. Мәктәптән һуң бер үк юғары уҡыу йортона уҡырға индек, унда ла беҙҙең дуҫлыҡ бүтәндәр көнләшерлек ине. Артыбыҙҙан егеттәр йүгергәндә лә айырылманыҡ, дүртәүләп йөрөгәнебеҙ хәтеремдә. Уҡып бөткәс, үҙебеҙҙең ауыл егеттәрен һайлап, бер үк ваҡытта кейәүгә сығып, гөрләтеп туйҙар үткәрҙек, күрше генә итеп өйҙәр һалдыҡ, ауыл тормошонда, концерттарҙа бергә ҡайнаныҡ. Хәҙер инде ғаиләләр менән дуҫ инек. Бер эште лә, бер ҡунаҡты ла улар беҙһеҙ, беҙ уларһыҙ үткәрмәгәнбеҙҙер. Шулай күңелле генә йәшәп ятҡанда, әхирәтемдең ғаиләһенә ауыр ҡайғы килде: урманға ағас йығырға барғанда ирен ағас баҫып үлтерҙе. Дуҫымдың ҡайғыһы үҙебеҙҙеке кеүек булды, хәлдән килгәнсә ярҙам иттек, уны яңғыҙ бер сәғәткә лә ҡалдырманыҡ, бигерәк тә ирем ике өй араһында йүгереп йөрөп ике донъяны ҡараны. Ул мәлдә беҙҙең улыбыҙ, күршебеҙҙең ҡыҙҙары тыуғайны. Тик һис уйламағанда беҙҙең дуҫлыҡты яҙмыш икенсе яҡтан килтереп һынаны... Бер көндө иремде мәңге дуҫ булырбыҙ тигән әхирәтемдең ҡосағында күрҙем. Күрҙем дә шаҡ ҡаттым, үҙ күҙҙәремә ышанмай, аңым менән ҡабул итә алмай торҙом. Башыма барып еткәс, ниндәйҙер көслө йылы тулҡын башыма бәргәндәй булды... Ҡалғаны төш кеүек кенә хәтеремдә ҡалған. Һушыма килгәндә, иремдең ағарынған йөҙө өҫтөмә эйелгән, мин күҙҙәрҙе асҡас, тубыҡланып ғәфү үтенә, яңылыштым, тип бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай ине... Иң яҡын кешеләремдең хыянаты иҫемә төшөп, эсем яңынан һыҙҙы, йөрәк һулҡылданы. Бер аҙҙан күңелде эс бошорғос бушлыҡ солғап алды, донъя төҫһөҙләнде. Депрессиянан оҙаҡ сыҡтым. Күп уйланғандан һуң иремде ғәфү иттем мин, ә әхирәтемде – юҡ. Билдәле, беҙ ауылда ҡала алмай инек, бер айҙан йәһәтләп ҡалаға күсеп киттек. Шул ваҡыттан алып миндә кешеләргә ышанмаусанлыҡ барлыҡҡа килде, күңел һандығына ҙур йоҙаҡ эленде, яҡынайырға, эс-серҙәремде белешергә теләгәндәргә һаҡлыҡ менән ҡарай башланым. Ошоғаса береһенә лә асылманым, был серемде лә тәүгә түгеп ултырыуым. Донъялағы иң ышаныслы тип уйлап йөрөгән ике кешемдең хыянаты тураһында бер кеше лә белмәне, әллә ҡасанғы әхирәтем серҙәрҙе һаҡлауға тоғро булған, күрәһең. Атаһы менән ғорурланып, уға оҡшарға тырышып үҫеп килгән улыма ошолар тураһында һөйләп, яратҡан кешеһенең абруйын төшөрәйемме ни? Ирем шул хәлдән аҙаҡ миңә тағы ла иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булып китте, ситкә йөрөгәне тойолманы. Мин дә ул ваҡиғаны уның иҫенә төшөргәнем, ғәйепләгәнем булманы. Ситтән ҡарағанда бик бәхетле ғаилә кеүек күренәбеҙҙер, моғайын. Әйҙә, улым да шулай уйлаһын, өлкәндәрҙең хатаһы тураһында ишетеп, күңеле ҡырылмаһын... (Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындан яҙып алынды). Фото: w-dog.ru Аклима Гизатуллина https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Atay-s-yem-b-hetle-tip-uyla-in-ulim-423002/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Бала саҡта өләсәйем беҙгә ауыр һуғыш йылдарына тура килгән ваҡиғалар, үҙенең кисергәндәре, ауыл тарихы тураһында йыш һөйләй торғайны. Һөйләгәндәренән, айырыуса әхирәте Рәҡиә апай хаҡындағы ҡыҙыҡ та, аптыратҡыс та бәйәне күңелемә уйылып ҡалған. Сәйер, нисек инде буй еткән ҡыҙ менән егет, хат аша яҙышып, ҡурсаҡ уйынындағы кеүек, юрамал ғаилә ҡорған?.. Олоғая бара Рәҡиә менән Николай ҡорған хат уйынының бөтә тәрәнлеген һәм фажиғәһен аңланым. Йәшлектәре һуғыш осорона тура килгән ҡыҙ менән егет миндә йылы тойғо, тәрән ихтирам уятты, шундай ауыр заманда ла ниндәй һоҡландырғыс кешеләрҙең йәшәүе ғәжәпкә һалды. 1941 йыл... Тыуған илебеҙгә дошман баҫып ингәс, бөтә халыҡ оло ҡайғыға ҡалып, ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙата. Күп тә үтмәй, һуғыш яланынан берәм-берәм ҡара ҡағыҙҙар килә башлай. Ауылда ир-егеттәр юҡ. Бөтә ауыр эш ҡатын-ҡыҙҙар, әбей-бабайҙар, балалар иңендә. Һыйыр егеп ер һөрөргә лә тура килә уларға. Оҙон көн буйы эштәләр, ә төндәрен фронтҡа ебәрергә йөн бейәләй, ойоҡбаш бәйләйҙәр, ҡәҙерлеләренә хаттар яҙалар. Ҡайғы-хәсрәттәре лә, шатлыҡ-ҡыуаныстары ла уртаҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының. Кәрәсин лампаһы тирәләй ултырып алалар ҙа, ҡул эштәренә әүрәп, таҡмаҡтар, бәйеттәр әйтешәләр, хатта хан заманындағы, күптән инде онотолоп бөткән әкиәттәрҙе иҫтәренә төшөрәләр. Бына гармунсы көй һыҙҙыра, уға ҡушылып йыр ағыла, түңәрәккә төшөп бейеп тә китәләр. Шулай үҙ кәйефтәрен үҙҙәре күтәргән булалар... Шундай кистәрҙең береһе. Оло апайҙар бәйләм менән ултырһа, ҡыҙҙар ҡулъяулыҡтар, тәмәке янсыҡтары сигә. – Әйҙәгеҙ, һәр әйбергә үҙебеҙҙең исем-шәрифте, адресты яҙып һалайыҡ. Ойоҡ-бейәләйҙәр, янсыҡ-ҡулъяулыҡтар, бәлки, беҙҙең туғандарға йә уларҙың яуҙаштарына насип булыр. Минең ике ағайым фронтта бит, – тип өндәшә Рәҡиә әхирәттәренә. Ул үҙе сиккән тәмәке янсығының эсенә адресын яҙып һала. Фронтҡа ебәрергә, ҙур ғына тоҡсай-посылка әҙер була. Посылка китеп, күпмелер ваҡыт үткәс, ауылға яугирҙәрҙән рәхмәт хаттары килеп төшә. Рәҡиә, үҙенең адресын яҙғас, уға төбәп яҙылған шәхси хат та була араларында. Ҡыҙ бик ҡыуана. Сәләмде Николай исемле егет ебәргән икән. Роза Зиннәтшина. Өфө ҡалаһы.Башҡортостан ҡыҙы журналынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
– Ни өсөн берәүҙең күңеле яҡты, ә кемдекелер – ҡара, тиҙәр? – тип һорай ҡыҙы әсәһенән. – Кешенең күңелен ярып ҡарап булмай бит, уның ҡыланыуы ла ихтимал. – Ни өсөн берәүҙең күңеле яҡты, ә кемдекелер – ҡара, тиҙәр? – тип һорай ҡыҙы әсәһенән. – Кешенең күңелен ярып ҡарап булмай бит, уның ҡыланыуы ла ихтимал.– Асыҡ күңелле кешене осратһаң, һинең дә тормошоң яҡтырып киткәндәй тойола. Һиңә ҡыйын ваҡытта ул кеше эргәһендә күңел әрнеүе баҫылғандай. Ундай кеше Илаһҡа, үҙ көсөңә ышанырға ярҙам итә, бәхеткә өмөтөң арта; шатлыҡ хистәре кисерәһең, яҡшылыҡ ҡына эшләге килә.– Әгәр кемдер дөрөҫөн һөйләй, әммә унан миңә нығыраҡ ҡыйын булһа? Эшкә ҡул бармай, тормош күңелһеҙ кеүек тойолһа? Был кешене яман, эскерле тип һанарғамы?– Юҡ, ҡыҙым. Кешенең күңеленә яҡтылыҡ етмәүе хаҡында һөйләй был. Ул – бәхетһеҙ. Ә һинең менән аралашып, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡайғыһы менән бүлешә.– Ни эшләргә һуң миңә?– Ул кешегә яҡтылыҡ өләшергә. Бының өсөн күберәк көс түккән һайын, үҙеңә лә күберәк яҡтылыҡ биреләсәк! Иҫеңдә тот, яҡтылыҡ – Өмөт һәм Аллаһы Тәғәлә хаҡында һөйләшеү генә түгел. Яҡтылыҡ – ул ихлас Йылмайыу, Яҡшы һүҙ, Терәк һәм Ярҙам итеү.Күңелдәребеҙ Яҡты, киләсәгебеҙ Ышаныслы булһын! Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Өфө районы Михайловка ҡасабаһында урынлашҡан дөйөм сыныҡтырыу спорт мәктәбендә биатлон ярыштары буйынса башланғыс мәктәп балалары төркөмө эшләп килә. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исемен яулаған Валерий Василий улы Ковалев уңыштарға ынтылыусан спортсыларға үҙенең бар булған һәләтен, белемен, күңелен бирә. Ҡасандыр уның ҡул аҫтында сыныҡҡан, өс тапҡыр Бөтә донъя чемпионы исемен яулаған, яҡташыбыҙ Максим Чудов та тап ошо спорт мәктәбенән ҙур спортҡа аяҡ баҫҡан. Биатлонда ҡышҡы һәм йәйге төр спорт күнекмәләре бар. Бында шөғөлләнгән йәш спортсылар тәү башлап ҡышҡы күнекмәләрҙе үҙләштерә, ә һуңында үҙ-ара ярыштарҙа ҡатнаша. Йәйгеһен дә шулай уҡ, икенсе төр күнекмәләргә күсеп, аҙағында үҙҙәренең алдына ҡуйылған һынауҙар аша үтеп көс һынаша. Биатлон — балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа, артабан үҫтереүҙә, физик күнекмәләр араһында беренсе урын алып тора, тип әйтһәк һис тә хата булмаҫ. Һеҙҙе лә ниндәй ҙә булһа спорт менән шөғөлләнергә өндәйбеҙ! Шулай, дуҫтар, сәләмәт тәндә — сәләмәт йән! Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
ОСАГО полисы тураһындағы талаптарҙы бер нисә тапҡыр боҙған өсөн автомобиль йөрөтөүселәрҙе хоҡуҡтарынан мәхрүм итә башлауҙары мөмкин. ОСАГО полисы булыу тураһындағы талаптарҙы ҡабаттан боҙған автомобилселәргә 5 мең һум күләмендә штраф һалыуҙары йәки водитель танытмаһын тартып алыуҙары мөмкин. Был хаҡта яңы закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим иткәндәр. Әлеге мәлдә штраф 800 һум тәшкил итә, әгәр ҙә уны 20 көн эсендә түләп өлгөрһәң, икеләтә әҙерәк түләп ҡотолорға була. Яңы закон проектында ҡағиҙәнән тай-пылыусыларҙан 4-тән башлап 6 айға тиклем водитель таныҡлығын тартып алырға тәҡдим ителә. Эльдар ФӘТТӘХОВ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Шофер һөнәре – иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Был һөнәргә талап булмаған бер генә өлкә лә юҡтыр.Райондың коммуналь хужалығы водителе Раил Хәйретдинов – тәжрибәле водителдәрҙең береһе. Ул машина руле артында тормошоноң күп йылын уҙғара. Уның дөйөм стажы 42 йыл булһа, бында 12 йыл эшләй. Ҡырмыҫҡалы ауылы егете Раил Лотфулла улы бәләкәй сағынан техника янында үҫә. Сөнки механизатор булған атаһы уға һәр саҡ тракторға идара итеүҙе ышанып тапшыра. Малай буйы етер-етмәҫ рулде борғоларға яратһа, 5-се кластан инде атаһын ял иттерәм тип уның өсөн эшкә лә йөрөй. Кукуруз, һыу ташығандары әле булһа хәтерҙә... Бала сағынан ул саҡтағы күпселек малайҙар кеүек шофер булырға хыяллана. Шуға ла мәктәптә үк водитель һөнәрен ихлас күңелдән үҙләштереп, таныҡлыҡҡа эйә була. Ошо саҡта инде машиналарҙың серенә төшөнгән үҫмер алдында артабан ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау тыумай ҙа. Ул башҡа эш тураһында уйламай ҙа - киләсәктә тик машина йөрөтәсәк! (Дауамын гәзиттән уҡығыҙ) Фәниә Сәлимгәрәева. Роза Тажетдинова фотоһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Сентябрҙә “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша.Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акцияла фронтта һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябргә тәғәйенләнде. Сентябрҙә “Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акцияла фронтта һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябргә тәғәйенләнде. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, был дата осраҡлы һайланмаған, тап 19 сентярҙә бөтә донъяла “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө” уҙғарыла. Мәғлүм булыуынса, был социаль программа сүп-сарға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. Тәбиғәт биләмәләрен, урмандарҙы, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуға ҙур иғтибар бирелә. Муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтарына акцияға әҙерлек сараларын башларға, ағас ултыртыу биләмәләрен билдәләргә, үҫентеләр, инвентарь, махсус техника әҙерләргә тәҡдим ителде.
Башҡортостанда ковидҡа шик булған пациенттарға көн һайын 110 эпидемиологик бригада сыға. Уларҙың сирегенән аҙырағы – 25 бригада Өфөнө хеҙмәтләндерә. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Башҡортостанда ковидҡа шик булған пациенттарға көн һайын 110 эпидемиологик бригада сыға. Уларҙың сирегенән аҙырағы – 25 бригада Өфөнө хеҙмәтләндерә. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бер тәүлектә йоғошло сирҙәр бригадаларына 700-ҙән ашыу саҡырыуға сығырға тура килә. Уларҙың күпселеге Өфөлә – 415 осраҡ. Министр шулай уҡ 23 ноябргә COVID-19 буйынса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Һуңғы тәүлектә төбәктә коронавирус йоҡтороуҙың 130 осрағы асыҡланды. Шулай итеп, Башҡортостанда сирлеләрҙең дөйөм һаны 13 318-гә етте. 394 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 32-һе – ауыр хәлдә, 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Әлеге көндә республикала йоғошло сир, шул иҫәптән дауахананан тыш пневмония менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 5 800 койка әҙерләнгән. Резерв 20% ашыу тәшкил итә. Шулай уҡ эшләү өсөн шәхси һаҡланыу саралары, дарыуҙар запасы кәмендә дүрт аҙнаға етерлек. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
10 декабрҙә Башҡорт теле көнөнә арнап Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә «Башҡорт китабы: бөгөн һәм иртәгә» онлайн ижади – эшлекле осрашыу ойоштора.Сара башҡорт телендә сыҡҡан китаптарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, китап уҡыуҙы һәм башҡорт телен пропагандалау маҡсатында уҙғарыла. Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә «Башҡорт китабы: бөгөн һәм иртәгә» онлайн ижади – эшлекле осрашыу ойоштора. Сара башҡорт телендә сыҡҡан китаптарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, китап уҡыуҙы һәм башҡорт телен пропагандалау маҡсатында уҙғарыла. Семинарҙа Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Рәшит улы Солтангәрәеев, БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте етәксеһе Илһам Миңлеғәли улы Йәндәүләтов, Әхмәт –Зәки Вәлиди исемендәге китапхана директоры Юлдаш Зиннур улы Ураҡсин, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, Сибай яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина, Сибай китапханалар системаһы директоры Минзәлиә Самат ҡыҙы Хәмитова, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире Рәйсә Зәкир ҡыҙы Кунаева, Баймаҡ биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина, Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы Сынбулатова, Бөрйән район китапханалар системаһы директоры Әлфиә Ғаззали ҡыҙы Кинйәбулатовалар ҡатнаша. Сараны тура трансляцияла https://vk.com/sibaybibl сәхифәһендә ҡарарға була, шунда уҡ һорауҙар ҙа яҙырға мөмкин. Ваҡыты: 10 декабрь 2020 йыл Сәғәте: 15-00 Рухи-мәҙәни тормошҡа битараф булмаған һәм китап уҡырға яратыусы дуҫтарыбыҙ, саранан ситтә тороп ҡалмағыҙ!
Әллә ниндәй төн булды был - тотош ауылды аңлайышһыҙ шом баҫты. Көслө ел мөрйәләргә инеп олоно, ара-тирә рашҡы тәҙрәләрҙе һылап китте. Төн уртаһы уҙғас, дөһөрләгән, гөптөрләгән тауыштар килде. Ауылдың үръяҡ осонда йәшәгән Фәхерниса ҡарсыҡтың йоҡосо ҡарт бесәйе ишекле-түрле мыраулап йөрөнө лә һуңынан ишекте тырнай башланы. Ҡортҡа, ҡурҡышынан үҙе йәш килен саҡта һырыған алама ҡорама юрғанына нығыраҡ уранып, белгән доғаларын уҡыны. Уға ҡаршы йәшәгән ир уртаһы Миңлехан айғырының сарбайлап кешнәүенә уянды. Таштан буралған һарайға бикләнгән Аҡъял ҡаты тояҡтары менән ҡалын ишекте сапҡылай, донъя йыртып кешнәй бирҙе. - Мәхлүк, ишекте ярып сыҡмаһын. Унан булыр ҙа,- ир шулай уйлап та бөтмәне, шомло гөрһөлдәү зиһенен шаңҡытты. Күкме күкрәне, ерме - айырырлыҡ түгел. Күк тиер инең, ҡыш етеп килә. Ҡапыл бар донъяны тынлыҡ баҫты. Олоп-олоп өрөшкән ауыл эттәре шым ҡалды. Айғыр ҙа шашыуынан туҡтаны, уның йыш-йыш тын алғаны ғына ишетелде. Хужа өйөнә ыңғайланы. Аҡбай, ғәйепле шыңшып, уның аяғына уралды. - Сөбә, әле генә ҡойроғоңдо ҡыҫа инең. Төндөң был яғында булһа ла йоҡлап алырға кәрәк. Иртәгә байрам түгел дә баһа. Ҡәһәрең, йә ҡары ер өҫтөн япмай йөҙәтә. Аръяҡ төбәктәге бесәнде һаман ташып булмай. Миңлехан, эсе бошоуын ҡалай ҙа баҫырға тырышып, өйөнә йүнәлде. Йоҡоһо үтә ҡаты булды, артыҡ тынысланып киткәнме, таңды үткәреп ебәргән. Юғиһә иртәнге аҙанға тиклем мал-тыуарын тәрбиәләп, мәсеткә намаҙға китә торғайны. Көн аяҙға оҡшай, тәҙрәләрҙән иртәнге алһыу яҡтылыҡ сағыла. Урамда йәнә тауыш ҡупты. Ирҙәрҙең борсоулы геүләшеүенә ҡатындарҙың илауы ҡушылғандай. - Ни булған тағы? Әллә һуғыш ҡупҡанмы? – Ир ашығып кейенеп бөтөүгә, тыны бөтөп, ҡатыны килеп инде. Хәлһеҙләнеп, артһыҙ бүкәнгә сүкте, һығылып илап ебәрҙе. - Хәйретдиндең йортон ер упҡан, - ҡатын күҙ йәше аралаш шундай хәбәр һалды. - Нимә, нимә, йүнләп аңлат. Нимә булған, тиһең? - Хәйрүштәрҙе ер йотҡан, тим дәһә, тағы ҡалай аңлатайым,- Fәлимә йәнә күҙ йәшенә төйөлдө. Иларлыҡ та шул. Хәйретдиндең ҡатыны Сания Fәлимәгә ылыға, уны яҡын күрә ине. Хәйретдин, ауылса әйтһәк, Хәйрүш улар осонда йәшәй. Йорто ауылдан бер аҙ айырым, Бурлытау аҫтында ултыра. Донъяһы сынъяһау, мунса, мал һарайҙары, лапаҫ ише ҡаралтылар ҡойоп ҡуйғандай. Һыуын да йылғанан ташымай, үҙ ҡоҙоғо бар. Яҙғы ташҡында һыу алырға теләүселәрҙе ҡапҡанан индермәй. Ихатаһы таш ҡойма менән уратылған. Бурлытауҙа ташҡа ҡытлыҡ юҡ. Кешеләр менән арлашмай, йомошҡа йөрөмәй. Булмаған нәмәһе юҡ. Башҡаларға ла йомошон бирмәй. Кешеләр ҙә уға бармай. Бына шул Хәйретдиндең йортон ер упҡан булып сыға. Миңлехан, уйланып, ҡапҡаһынан сыҡты, Бурлытау аҫтына күҙ һалды. Хәйрүштең ғорур күкрәк киреп торған йорто, ысынлап та, юҡҡа сыҡҡан. Таш ҡойма ғына етемһерәп тороп ҡалған. Йыйылып киткән кешеләр тауышы иртәнге саф һауала яңғырап тора. Кемдер ҡойма аша төшөп, урыҫ ҡапҡаны шар асып ебәргән. «Йә, Хоҙайҙың хикмәте, кисә шундай гонаһ шомлоғон күрәһең, тиһәләр, валлаһи, ышанмаҫ инем», - Миңлехан тәүбә итте. Хәйретдиндең алты мөйөшлө йорто ике яҡлап ҡыйыҡлап, кәрниздәре селтәрләп, ҡушылып ябылғайны. Шул йорттан һерәйеп торған торба, ҡыйыҡтың һырты ғына тороп ҡалған. Мөрйәнән ҡатын-ҡыҙҙың хәлһеҙ генә буҙлашҡаны ишетелә. Хужа мейес ауыҙына килде, буғай. Ҡалтыранған, ялыныслы тауыш менән: - Йәмәғәт! – тип өндәште. – Тауыштарығыҙ ишетелеп ҡала. Зинһар, тим, Алла хаҡы өсөн ярҙам итегеҙ! Изгелегегеҙҙе мәңге онотмам, һаҡалым менән ер һеперермен. Тик сығарығыҙ ғына. Лом, балта, һоҫҡос көрәк, арҡан менән ҡоралланған ир-ат ҡурҡыбыраҡ тора. Ҡыйыҡ башына баҫып тупраҡ ырғыта башлау менән тағы ла тәрәнерәккә убылып китеүҙән шөрләйҙәр. - Йә, йәмәғәт, былай ҡарап тороп булмай, - Миңлехан шулай һүҙ башланы. – Һауа ла етмәй башлар. - Бөхилдең Аллаһы иҫенә төшкән,- тип ҡуйҙы тексәйеп торған Кашаф. - Йотлоҡ йылды бер ус онон ҡыҙғанды. Шул арҡала берҙән-бер улымдан яҙҙым. - Эйе, он, тиһең. Ҡыш көнө бер көрәк ҡар бирмәҫ ине, һорап барһаң. - Һанай китһәң…Гонаһтары баҫҡандыр. - Беҙ генә белеп бөтөрөрлөкмө? - Бар доньяһы күктән төшкән кеүек булды бит. - Осон осҡа ғына ялғап йәшә лә кинәт байып кит, имеш. - Эшләп кенә байып булһа, Дауыт әллә ҡасан сереп байыр ине. Миңлехан, кешеләрҙең тағы әллә нәмә соҡоп сығарасаҡтарын һиҙеп, көр тауыш менән: - Йә, Аллаға тапшырҙыҡ, – тине лә көрәге менән соҡорға һикерҙе. Уның артынан еткән егеттәр Баязит менән Әлмөхәмәт төштө. - Башлайбыҙ, көт! – Миңлехан торба тишегенә шулай хәбәр һалды. Аҫта илашҡан-сеңләшкән тауыштар баҫылып ҡалғандай. Көтәләрҙер. Йәш, көслө ир-аттарҙың дәррәү эшенән ҡыйыҡ асыла барҙы. Бына оҙаҡламай таҡталарҙы аҡтарып түбәгә төшөрҙәр. Унан инде өй түбәһен асыу ҡыйын түгел. Йорт менән бергә тағы ла төпкәрәк китеү хәүефен оноттолар. - Туҡтағыҙ, Аллаһтың ҡаты ҡәһәр төшмәҫ борон туҡтағыҙ! - Ауыл яғынан аҡ кәзә һаҡалын елгә йәлпелдәтеп, оҙон ҡаҡ күҙәһен текә тотоп ашығып килеүсе Мөхәмәтшәриф мулла күренде. Хәҙрәт ныҡ ашыҡҡан, күрәһең, ғыжлап тын ала, күҙҙәре йәмһеҙ аларып киткән. - Һорау юҡ, өндәшеү юҡ, рөхсәт алыу юҡ. Был ниндәй баш-баштаҡлыҡ? Үҙегеҙҙе ер йотмаҫ элгәре туҡтағыҙ, тим дә дәһә. - Хәҙрәт абзый, шулай күрәләтә харап итәйекме ни? Эш дауам итте. - Бәддоға, бәддоға һеҙгә! – Хәҙрәт ҡулдарының һыртын өҫкә ҡуйып, күккә күтәрҙе.- Хәйретдинде Хоҙай тәғәлә тиккә орған тип уйлайһығыҙмы? Гонаһтары ер күтәрмәҫлек булғанға упҡынға осҡан бит. Шуны аңламай ҡырталашаһығыҙмы? Уның менән бергә йәһәннәмгә олағығыҙ, әйҙә, - хәҙрәт ҡәһәрле доғаларын уҡый башланы. Халыҡ, ҡото алынып, өнһөҙ ҡалды. Мулланың ҡарғау доғаларынан да ҡурҡыныс нәмә юҡ һымаҡ. - Хәҙрәт, туҡтап тороғоҙ! Сығабыҙ хәҙер. Кешеләр инде тәрәнәйеп киткән соҡорҙан арҡанға йәбешеп ашыҡ-бошоҡ сыға башланы. Берәү ҙә өндәшмәй. Мулла ла, доғаһын уҡып бөтмәй, туҡтап ҡалды. Халыҡты илай-илай сыйнап ҡаршы алған, уларҙың ығы-зығыһын түҙемлелек менән ояһынан күҙәтеп ятҡан ҙур ҡара эт Ҡашҡар кинәт олоп ебәрҙе. Әсенеп олоған тауыш күптәрҙең йөрәгенә ҡапты. Өндәшмәй генә таралыша башланылар. - Һине Fазраил ҡосағына ташлап киттек, - тип әйтергә кем баҙнат итһен? - Ҡылған гонаһтарыңдан тәүбә ит, иманыңды уҡы, - ишетерҙәрме, юҡмы, мулла шулай әйтеүҙе кәрәк тапты. Ҡәһәрле ерҙе ташлап киттеләр. Торбанан сабырһыҙ тауыш: - Ни эшләп туҡтап ҡалдығыҙ, туғанҡайҙар? – Ниңә өндәшмәйһегеҙ?- тип ҡат-ҡат һораны. Яуап юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың өмөтһөҙлөккә, ғажизлыҡҡа бирелеп илап ебәреүе ҡайһы бер һаҡ ҡолаҡтарға ишетелмәй ҡалманы. Был фажиғәнән һуң күпме ир-ат төн уртаһында йөрәге дөпөлдәп шыбыр тиргә батып, күпме йәш ҡатын-ҡыҙ ҡото осоп баҫлығып уянасаҡ әле. * * * Йорт ҡыйығында күмәк аяҡтарҙың тыптырлауы, көрәк тыҡырлаған тауыштар тынып ҡалды. Хәйретдиндең ҡатыны менән әсәһе Мәрғүбәнең, оло ҡыҙының туҡтауһыҙ илауынан йәне көйҙө, үрһәләнде. Дөм ҡараңғыла аптырап бүрәнәне төйҙө. - Өнөгөҙҙө тығығыҙ, исмаһам. Былай ҙа шартлап барыла,- ул гел дә өйҙәгеләргә шулай тупаҫ, уҫал булды. Шул хәлгә төшөп тә, һаман яуыз булыуынан ояла төшөп: - Илауҙан фәтүә юҡ, - тип өҫтәне. – Шул ғына ҡотортоп алып китте халыҡты. Ҡарт кәзә тәкәһе, һаҫыҡ. «Бер осрағанда түбәһенә һуғып ҡуймағас.» Мулла менән Хәйретдиндең араһы үҙҙәрен белә башлағаны бирле киҫкен. Береһе: «Иманһыҙ, хәйерһеҙ бәндә, тамуҡ киҫәүе», - тип уның бар булмышын күреп торған төҫлө булһа, икенсеһе: « Ҡарт ишәк, барһыны ла томшоғон тыға, ҡарт ҡоҙғон», - тип күрә алмай ине. Бәләкәйерәк балалар илап арыны, хәлдән тайып йоҡлап киттеләр, бәлки, һауа ла етмәй, иҫтән яҙғандарҙыр. Әсәй ҡарсыҡ та яҙмышына күндеме, әкрен генә белгән доғаларын уҡыны. Ҡатыны ғына килешергә теләмәй, тауышһыҙ ғына илай бирә. Бына ул, бар көсөн йыйып, тәүге һәм һуңғы тапҡыр баш күтәрҙе: - Ниңә һинең яуызлыҡтарың өсөн мине, балаларҙы язалай икән һуң Алла? - тип ҡуйҙы. – Эйе, беҙ ҙә гонаһлы шул. Харам йортта йәшәнек, харам ашаныҡ. Ни эшләй ала инек һуң? -Ах, бисура, мә, ал! - ир бар көсөнә һелтәнһә лә, тейҙерә алманы. Ҡатын урынынан шылып өлгөргәйне. Һуңғы сәғәттәрҙе лә шулай дошман булып үткәреп ебәрәләр бит. Сания балалары араһына инеп ятты, әлегә йып-йылыҡай ғына кесе ҡыҙын ҡосаҡланы. Бала йыш-йыш һулап йоҡлай, йөрәге һүнеп барған шәм кеүек леберҙәп кенә тибә. Ҡарсыҡ та арып, тынды. Ул үҙе яратҡан оло ейәнсәре эргәһендә. Тындылар. Дөм ҡараңғыла, һике ситендә Хәйретдин генә убыр кеүек һерәйеп ултырыуын белә, теш шығырлата. Инде бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләр көрәп асҡан ҡыйыҡ өҫтөн яңынан гөптөрләп тупраҡ баҫты. Торба осо ғына күмелгәндер әлегә. Әҙ-мәҙ һауа килеп тора. Мейес һыуынды, өй эсе ҡара һалҡын. Эйе, тереләй гүргә инде Хәйретдин. Бөтә ғаиләһе менән. Ниндәй гонаһтары өсөн? Уларҙың иҫәбе-һаны бармы икән? Атаһы Хәйретдин тип исем ҡушһа ла, бик хәйерле кеше булманы шул. Ана ул ун-ун бер йәштәр тирәһендәге малай. Үҙенең шул ваҡыттарын бик яҡшы хәтерләй. Ташып торған көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй үрһәләнә. Үҙенән бәләкәйерәктәрҙе ҡыйырһытырға тиһәң, уны ҡуш. Ата-әсәле балалар бирешмәй. «Атайыма әйтәм», - тип ҡайтып китәләр. Биш-алты йәшлек сағынан етем ҡалған Дауытҡа өлөш ныҡ төшә. Былай ҙа онотҡанда бер генә уйнарға сыҡҡан малай туҡмаҡ ашап ҡайтып китә. Үкһеҙ етемде Мөхәмәтшәриф мулла үҙенә малайлыҡҡа алған. Уның көнө мал-тыуар ҡарап үтә, кисен мал өйөнә инеп йоҡлай. Fаилә өҫтәленән ҡалған аҙыҡ-түлекте ашай, мулла малайҙары туҙҙырған кейемде кейә. Дауыт алты йәшенән ун алты йәшенә етте. Бер көн күрше ауыл муллаһы Мөхәмәтшәрифкә ҡунаҡҡа килгәндә юлда үлгән хәйерсе Шаҡайҙы таба. Исеме Шаһғәле булһа ла, хәйер һорап көн иткән һуҡыр кешене кем тулы исеме менән атаһын? Уны етәкләп йөрөткән етем ҡыҙ Ниса өшөп-ҡатып илап ултыра. Тере йән эйәһе бит, санаға ултыртып алалар. Мал өйөнә индереп йылытып, ашатҡандан һуң оло абыстай күрә: ҡыҙ арыу ғына, хәйерселектә йөрөһә лә, төйөрөм генә. Ҡыҙҙы мунса индертә, бетен таҙарттыра. Мулланың кесе ҡатынында йәш сағындағы әйберҙәре була. Кейендергәс, ап-аруҡ ҡыҙ килеп сыға. Гөлсафа абыстай ғаиләлә иренән ҡала баш, күп мәсьәләләрҙе үҙе хәл итә. «Теш һындырып килеп ингән малды әрәм итеп булмай, - тип уйлай. – Ана, Дауыт буй еткән, тәртипле егет.» Ун ике йәшлек Нисаны ун алты йәшлек үҫмергә никахлаштырып ҡуялар. Ике етем шулай йәшәп китә. Көндөҙ икәүләп мулла йортонда хеҙмәт итәләр. Үҫеп етеп, бала тапҡандан һуң, Ниса ғәләмәт һылыу ҡатынға әйләнде. Берәй аҫыл зат нәҫелдән булғандыр, ауылдағы берәүгә лә оҡшамағайны ул. Ерән шайтан Хәйретдин ҡара һылыу Нисаны күреп, шаҡ ҡатты, үлеп ғашиҡ булды. Үрле-ҡырлы һикерер хәлгә етте. Ни эшләһен, ике ғаилә лә никахлы, шәриғәт хөкөмө ҡаты. Ниса бик әҙәпле ҡатын, кем миңә күҙ һала, тип аңдып йөрөмәй. Түлле лә булып сыҡты. Дауыт өйөндә тубырҙашып ҡара тубырсыҡ малайҙар үҫә. Хәйретдиндең ерән баштары тик ҡыҙҙар ғына. Дауыт менән Ниса, бала үҫтерәбеҙ, тип яҙын ҡошсоҡтарына ем ташыған ҡоштар кеүек бәргеләнә. Ниса кешеләргә киндер һуға, көнө-төнө орсоҡ иләй, етеш ғаиләләргә йорт йыуа. Йәй, емеш мәлендә, көйәнтәләп емеш йыйып, урыҫ ауылы Ямашҡа алып барып һата. Емешкә яңғыҙ йөрөй. Башҡа ҡатындар кеүек һағыҙ сәйнәп, ғәйбәт һөйләп, бер көтөү булып еләккә йөрөр самаһы юҡ уның. Хәйретдин уның шул ваҡытын самаланы. Салғыяғулда баш күтәрмәй еләк йыйғанда барып баҫты. Меҫкен ҡатын ни эшләһен, йәнемде генә ҡыймаһын тип ҡурҡты. Был ваҡиға тауышһыҙ үтте. Туғыҙ ай үтеүгә Ниса йәнә бер малай тыпылдатты. Кендек инәһе Фәхерниса: «Әстәғәфирулла, был балаң баҡыр башлы бит», - тип ҡысҡырып ебәргән, имеш. Ерән баш Заһир Дауыттың ҡара сәүкәләре араһында ғәләмәт сая, уҫал, баш булып йөрөп үҫеп килә ине. Хәйретдин күрә йөрөй: малай уныҡы. Уртын ҡыҫа, тешен шығырлата, Хоҙай ир баланы унан йәлләне, уның орлоғон ҡыутомшоҡ Дауыт ояһына алып барып һалды. Урлап алып ҡайтып булмай, ҡәһәр һуҡҡыры!.. Ул көн Хәйрүш Йүкәле төбәктән бесән алып ҡайтып бара ине. Ҡарамалы ташлығында малайҙар һыу инә. Ҡараһа, Дауыттың ташбаштары. Муйылға килгәндәрҙер инде. Был урында Әй ғәйәт мәкерле. Һай ғына булып алдандырып алып бара ла, кинәт упҡын хасил була. Түбәнгә, урғылып ятҡан өйөрөлмәккә ҡаҙалып бараһың да төшәһең. Сыр-сыу килгән малайҙар кинәт шып-шым булып ҡалды. Ул арала сар-сор килеп илаша ла башланылар. - Заһир ҡаҙанлыҡҡа барып төштө. Хәйретдин ишетә, эш шәптән түгел. Йөк башынан һикереп төшөп, һыуға сумып, малайҙы ҡотҡарыу уның кеүек көслө ир өсөн бер ни ҙә тормай. «Миңә булмағас, уларға ла булмаһын, ҡаҙалһын, әйҙә! Йәнемде көйҙөрөп, күргән һайын йөрәкте ашап йөрөй ине». Ул ишетмәмешкә һалышып, атын ашыҡтырҙы. «Атай, атай, тим, - еп-ерән сәсле, ҡыҙғылт йөҙлө һипкелле малай уны тартҡылай, - ниңә мине ҡотҡармайһың? Минең үлгем килмәй ине лә». «Уф, өнмө, төшмө был? Эйе, ул һаташа. Һаташырһың да, шундай көнгә төшһәң. Ләә илаһи, иллә аллаһ, ләә иләһи иллә аллаһ. Fәфү ит, балам! Fәфү ит, Ниса! Булып үткән ваҡиғанан һуң һин яңғыҙың йөрөмәҫ булдың. Ҡурҡып ҡалдың, иҫең әйле-шәйле булған ваҡыттарың да булып алғас, Фәхерниса ҡарсыҡ ҡот ҡойоп ҡына йүнәтеп алған.» «Һуң инде, һуң. Һуңланың. Әҙерәк кенә алдараҡ тәүбә итеү кәрәк ине. Хәҙер мең ҡат үкенһәң дә, уҡынһаң да, ғәфү ителмәҫһең.» Быныһы кем тағы?.. Ана ул етеҙ аты Ҡоҙғондо егеп, ҡоро ҡарама тейәп ҡайтып бара. Ҡыш башы, ҡырпаҡ ҡар төшкән. Унан алда китеп барған яҡшы кейемле, ҡупшы кәүҙәле йәш кеше юл ситенә сыҡты, туҡтап сәләм бирҙе. Бәй, был Фәхернисаның бер бөртөгө Нурислам да баһа. Ҡайҙалыр алтын сыҡҡан яҡтарҙа зимагурлыҡта йөрөй тиҙәр ине. Ҡара һин уны, ҡупшы хәлфәме ни? Буҫтау бишмәт, күн итек кейеп ебәргән. Башында - ситтәренә ҡама тотолған ҡырпыу бүрек. Нурислам тимәҫһең, бай улы. - Йөк ауыр түгел, утын ҡоро, ултыр, әйҙә, - Хәйрүштең ҡыҙыҡһыныуы еңә. – Байыныңмы әллә, елле күренәһең? Егет ҡәнәғәт йылмайҙы, былай ҙа сибәр йөҙө яҡтырып китте. Эсендәге шатлығы әтәс булып ҡысҡыра, кем менән уртаҡлашырға белмәгәндә, ауылдашы осрап ҡуйҙы. - Алтын приискыһында эшләй инем бит инде. Хыялланғаным берәй самородок табыу ине. Теләгәнем ҡабул булды бит, әй. Өйгә ҡайтып инерҙән алда, муллаға хәйер бирергә ниәт. - Алтын таптыңмы ни? - Таптым, тип әйтһәм, аҙ булыр. Йоҙороҡтай самородок! Хужа минән былай шатланды. Үҙ ҡулы менән сумырып аҡсаһын тотторҙо! Алла бойорһа, бик яҡшы ат алырға, арба-сана йүнәтергә кәрәк. Йорт һалып инермен. Әсәй ҡарсыҡ олоғайған көнөндә рәхәт сигеп ҡалһын. Был хәбәрҙе ишетеп, Хәйрүштең күҙе тонғандай булды, башы шаулап ките. Әлегә тиклем эсендә шым ғына ултырған шайтаны ҡотороп баш күтәрҙе. « Форсатты ысҡындырһаң, шыр тиле булырһың. Ана, балтаң утын араһына ҡыҫтырылған, үрелеп кенә ал да, аңшайып, ауыҙын йырып килгән Нурисламдың түбәһенә төшөрәһең. Бөттө-китте, вәссәләм. Кем белә, кем күрә?!» Күҙе аҡайып киткән егет: « Ағай, ни…» - тип тә әйтеп бөтөрә алмай ҡалды, йөк өҫтөнә әйләнеп барып та төштө. Хәйретдин был ваҡыт Әрҙәнәғул йырынына еткәйне, атын яра-яра шунда керҙе лә китте. Яҙын тауҙан шаулап ағып төшкән ҡар һыуҙары тәрән соҡорҙар хасил иткән, эре таштар ҡуптарып сығарған. Енәйәтсе төпкөлгә инде, тәрән соҡорҙо һайланы. Яҡшы бишмәт менән күн итектәрҙе һалдырҙы. Эстәге кәзекәйгә тейеп торманы. Егетте соҡорға төртөп төшөрөп, таштар менән баҫырҙы. Ҡоҙғон соҡорлоҡ, һыу ағыҙырлыҡ булмаһын, тип ныҡлап тырышты. Аҡса бишмәт сабыуҙарына, арҡа, күкрәк тәңгәлдәренә эслек аҫтына һалынып, яҡшылап һырып тегелгәйне. Хәйрүштең ҡомһоҙлоғонан йөрәге дөпөлдәне, былай уҡ булыр, тип уйламағайны. Ҡан аҡҡан утындарҙы таҙартты, сананы ҡырыштырҙы. Көҙгө эңерҙә генә ҡайтып керҙе. Ҡарсыҡтың ҡарт көнөндәге берҙән-бер өмөткенәһен ҡыйҙы. Шул аҡсаға алты мөйөшлө йорт, урыҫ ҡапҡа, өр-яңы ҡаралты-ҡура теҙҙе. Дыуан баҙарына барып, ажғырып торған нәҫел айғыры һатып алды. Эйе, һәр нәмә, һәр ҡылығың өсөн яуап бирергә тура килә икән. Бынан бер аҙна элек кенә берәйһе Хәйрүшкә шулай тип әйтһә, хахылдап көлөп кенә ебәрер ҙә, берәй һүҙ өндәшеүҙе кәрәкһеҙ һанар ине. Харам аҡсаға һалынған йорт уның ҡәберенә әйләнде. Бер үҙе генә түгел бит әле: балаларының, ҡатынының ни ғәйебе бар? Санияһы бер һүҙ әйтмәй ҡурҡып ҡына йәшәне. «Ағай, ағай! Теге ваҡыт ниңә генә мине үлтерә һуҡманың икән? Баш һөйәге үтә ҡалын булғанмы, һин ашыҡҡанһыңмы, балта тирене генә яралаған. Мин бит ҡабат-ҡабат иҫемә килдем. Ташты ныҡ өйгәйнең, һис ярып сығырлыҡ булманы, хәл дә бөткәйне. Алтын соҡоғанда таш баҫмаһын тип ҡурҡа инем, барыбер, тереләй күмелдем. Хәҙер үҙең дә минең хәлемдәһеңме инде?» - Нурислам уны быуа башланы. Юҡ, ул түгел, буғай, яланғас баш һөйәге, тештәре ыржайған. Fазраил бит. Хәйретдиндең йөрәгенә үткер хәнйәр ҡаҙалғандай булды, ул һуңғы тапҡыр тартышты ла тынып ҡалды. Ҡыш үтте, тағы гөрләп яҙ килде. Ауылда ғибрәтле хәлдәр булып, йәнә халыҡты хайран итте. Миңлехандың ҡатыны күңелендә һаҡлап йөрөткән серен иренә лә, бүтән күрше-күләнгә лә һөйләне. Хәретдиндең ҡурҡып ҡына көн иткән ҡатыны ире утынға, бесәнгә китһә, ашығып ҡына Миңлехан ҡатынына килеп китә торған булған. Серҙәре береккән. Шул Сания бер килгәнендә бышылдап ҡына шундай хәбәр һөйләгән: «Эңер ҡуйырғас ҡына утындан ҡайтты, ҡайһы бер ағастарға ҡан йәбешеп туңғайны. Ул утындарҙы тиҙ үк бысып өйҙөк. Бер көн баҙға төшһәм, шығырҙап торған өр-яңы күн итек ята. Тотоп ҡараһам, эсе тулы эре аҡса. Толоп аҫтына әллә ниндәй яҡшы бишмәт йәшереп ҡуйған. Ул кейемдәрҙе үҙе кейеп торманы, ҡайҙалыр алып барып һатты», - тигән. Тимәк, Хәйретдин кеше үлтереп, аҡсаһын алған. Ул ғына нимә!? Матур май айында Миңлехан уҫаҡ ағасынан кәртәлек йыҡмаҡсы булып, Әрҙәнәғулға бара. Үлән оҙонаймаған, һыу юлы, эре-эре таштар шөйлә күренеп ята. Элек соҡор булған урында кесерәк күбә дәүмәле итеп таш өйөлгән. Тирә-яҡты баш бармағы кеүек белеп-күреп йөрөгән Миңлехан аптырап китә. Таш күбәне аҡтарып ташлай. Ҡараһа – кеше һөлдәһе. Баш һөйәгендә теҙелеп торған ап-аҡ тештәренә ҡарап үлектең йәп-йәш кеше булыуын тоҫмаллай. Туҡта, иң алдағы ике теш шул тиклем таныш: бер теш икенсеһен ҡаплай биреп үҫкән. Миңлехандың күҙ алдынан уға йылмайып ҡарап торған малай йөҙө сағылып үтә. Белмәй буламы, күрше генә үҫкән егет – Нурислам башы бит был! Һуңлап булһа ла, йыназа уҡып, бисараның һөлдәһен яңынан ер ҡуйынына һала. Сереп бөткән кейем ярпылары араһынан алтын ялатылған ҡуш көмөш сулпы, бик затлы беләҙек, алҡа, йөҙөк килеп сыға. Инде ҡайтып етеп, тыуған тупһаға аяҡ баҫырға насип булмаған меҫкен егеткә. Миңлехан Нурисламдың бүләктәрен әсәһенә алып бара. Фәхерниса ҡарсыҡ аптырамаған, илар йәштәрен илап, яҙмышына күнегеп бөткән инде. «Ат башындай алтын табып, яуыз кеше ҡулынан үтеүе төшөмә әллә нисә инде, - тигән. – Мосолманса күмеүеңә рәхмәт», - тип әйтеп йөҙөк менән һырғаны кире ҡайтарған. Ҡуш сулпы менән беләҙектең дә хужаһын тапҡан. Ул күрше ауылға кейәүгә сығып, инде ике бала үҫтереп ятҡан Һандуғас булған. Ауыл халҡы Хәйретдингә йәнә ҡәһәр уҡыны.Шоңҡар журналынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ»ға бөгөн, 29 октябрҙә, 35 көн мәкерле сиргә ҡаршы көрәшкәндән һуң Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың пневмония һәм COVID-19-ҙан һуң өҙлөгөп вафат булғанын хәбәр итте. Республика Башлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Өлфәт Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Техник фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығында башлай. Торлаҡ хужалығының етештереү тресында баш инженер, Киров район Советы башҡарма комитетында коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, баш ҡаланың торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 90-сы йылдарҙан «Газпром» системаһында эшләй. 2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан президенты Хакимиәтенә финанс-хужалыҡ идаралығы етәксеһе вазифаһына күсә. 2010-2013 йылдарҙа Иҡтисад, техник һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, һуңынан кире «Газпром»ға ҡайта. 2018 йылдың 29 октябрендә «Газпром газ бүлеү Өфө» предприятиеһы генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә. Теүәл ике йыл элек, 2018 йылдың 29 октябрендә, «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә. «Башинформ» туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Афғанстан һуғышы. Был ваҡиға тамамланғанға ла инде өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Әммә шул һуғышта һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре йөҙөнә бер бағыу менән, яраларҙың һис ҡасан да уңалмауы, хаталарҙың һис ҡасан да онотолмауы хәҡиҡәт булып килеп баҫа. Ни ҡылаһың, егеттәр хәрби бурыс үтәгән, ғүмерҙәрен үлем ҡурҡынысы аҫтына ҡуйып булһа ла... Ҡалала был һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Махсус рәүештә союз эшләп килә, һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеп торалар, ҡасандыр комсомолдар башланғысы менән һәйкәл сүрәтендә хәтер мәңгеләштерелде. Бынан тыш, йыл да февралдең ҡап уртаһында, һуғыш тамамланған көндө уларҙы ҡала халҡы хәтергә ала, стелаға сәскәләр һала. Быйыл да митинг юғары кимәлдә үтте. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Хөрмәтле коллегалар! Һеҙгә ижади уңыштар, уй-ниәттәрегеҙҙең мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләйем. Эштә үҙегеҙҙең барлыҡ һөнәри таланттарығыҙ асылһын. Ул саҡта һеҙ хеҙмәт бурыстарығыҙҙы ғына үтәп ҡалмаясаҡһығыҙ, ә һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә буласаҡһығыҙ һәм мотлаҡ хәҙерге уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булған нәмәләрҙе эшләйәсәкһегеҙ. Эшегеҙҙә генә түгел, өйөгөҙҙә лә бәхетле булығыҙ. Тағы ла барлыҡ китапханасыларға ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем! Мәсетле районы территорияһында беренсе халыҡ өсөн асыҡ китапханаларҙы земство асҡан. 1903 йылда Оло Ыҡтамаҡ район земство китапханаһы ойошторолған, ул 6 ауылды хеҙмәтләндергән. 1915 йыл-ға уҡыусылар һаны 329 кеше тәшкил итә. Йөҙ йыл эсендә китапхана системаһының эше бик ныҡ үҙгәрә. Әлеге ваҡытта район халҡын 27 филиал, 1 үҙәк район китапханаһы, 1 үҙәк моделле балалар китапханаһы, 1 ауыл моделле китапханаһы хеҙмәтләндерә. Дөйөм фонд 320606 дана тәшкил итә, уларҙың 86-һы аудио, 200-ө электрон сығаҡтарҙа, бер йыл эсендә уҡыусылар иҫәбе 15100 кеше тәшкил итә, 508907 китап бирелгән. 12000 белешмә эшләнгән. Шулай итеп, халыҡтың 65 проценты китапхана хеҙмәтләндереүе менән солғап алынған. Үрҙә әйтелгәндәргә китапханасылар юғары профессиональ эшмәкәрлектәре менән ирешә. Беҙҙең китапхана системаһы белгестәре әүҙем тормош позицияһы биләй, райондың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда ҡатнаша, йәмәғәт ойошмалары, участка комиссияһы ағзалары булып тора. Ошоларҙың бөтәһе уларға ваҡиғалар уртаһында ҡайнар-ға, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булырға, улар араһында хаҡлы рәүештә ихтирам менән файҙаланырға, рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡлы булырға мөмкинлек бирә. Кадрҙар тотороҡлолоғо ҡыуандыра: йылдан-йыл эштең ҡатмарлашыуына ҡарамаҫтан, белгестәр күп йылдар дауамында үҙҙәренең һөнәренә тоғро булып ҡала. Улар араһында – Зөлфиә Рәхимова, Светлана Ғәлләмова, Илгизә Лоҡманова, Альмира Тәҡиуллина, Эльза Ғәлимова, Людмила Крючкова, Зөлфирә Кулова, Эльза Закирова, Марина Худякова, Марина Коробкина, Зилиә Вәлиева, Гүзәл Хәйретдинова һәм башҡалар. Улар эшсән, яуаплы, үҙ һөнәренә мөкиббән китеп бирелгән кешеләр. Әлбиттә, яратҡан эшенә күп йылдарын биргәндәрҙе билдәләп үтке килә. Китапхана эше ветерандары Сәлиха Һаҙыева, Галина Ярушина, Нәзирә Әхкәмова, Дамира Ғәлимова, Фазила Рамазанова, Дамира Баева, Рая Нафиҡова, Роза Мөҡсинова, Фәйрүзә Миңлебаева, Сажиҙә Фәйзрахманова, Люциә Хәбибуллина, Нурия Ғүмәрова, Ольга Фефелова, Лидия Голдина, Гөлсирә Шафиҡова, Надежда Жданова, Рузилә Омелькова, Лилиә Юлдашева, Хәлиҙә Сибәғәтуллина, Зарифа Солтановаларға бөгөн айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Һөнәри байрамдарын район китапханасылары төп эшмәкәрлектәрендә лә, мәҙәниәт өлкәһендә лә яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Мәҫәлән, яңыраҡ үҙәк район китапханаһында үткән “Иң яҡшы китапхана-2018” район конкурсында ҡатнашыусылар үҙ китапханалары эше менән таныштырҙы. Үҙ эштәрен иң яҡшы күрһәтеүселәр һәм асыусылар Дыуан-Мәсетле филиалы китапханасыһы Гөлназ Әхмәтханова, Теләштән Альмира Тәҡиуллина һәм үҙәк район китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Марина Худякова булды.
Иртәгә, 25 апрелдә Волга буйы федераль округында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күләмле акция старт ала. Иртәгә, 25 апрелдә Волга буйы федераль округында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күләмле акция старт ала. “Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Йыр марафоны төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына туплаясаҡ. Ҡатнашыусы төбәктәр барыбыҙға ла билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырасаҡ. Акция өсөн был йыр юҡҡа ғына һайланмаған, уның авторҙары – композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған. Бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән йыр тәүге тапҡыр 45 йыл элек башҡарыла. Волга буйы федераль округының йыр марафонына старт февраль башында Мордва Республикаһында бирелгәйне. Билдәле “Еңеү көнө” йырын Саранск ҡалаһы һәм муниципаль райондарҙың иң яҡшы ижади коллективтары, республиканың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр, патриотик берләшмә ағзалары башҡарғайны. 25 апрелдә улар эстафетаны күршеләренә – Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренә тапшырасаҡ. Төбәктәрҙәге ижади коллективтарҙың сығышы 2020 йылдың февралендә, март башында – Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек һәм үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырылғайны. Башҡортостанға эстафетаны Удмурт Республикаһы тапшырасаҡ. “Еңеү көнө” йыры тәүге тапҡыр башҡорт телендә яңғыраясаҡ. Тәржемә авторы – яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова. “Был йырҙы мин тәүге ишетеүҙән үк яраттым, - ти ул. – Һүҙҙәре һәм көйө күңелемә үтеп инделәр. Башҡорт теленә тәржемә итеүемде һорағастар, юғалып ҡалдым. Йөрәккә үтеп инерлек, хисле һүҙҙәрҙә шатлыҡ та, ҡайғы ла бар. Был кәйефте туған телдә тыңлаусыларға тулыһынса еткерергә, йырҙың тактына ла тап килергә тейеш ине. Музыкаль һөнәрем ярҙам итте. Тәржемә иткәндә йырҙы йырланым. Хеҙмәтем оҡшауына шатмын. Хәҙер төрлө быуын вәкилдәренең уны рус телендә генә түгел, башҡортса ла йырларына ышанам”. Легендар йырҙы халыҡ хоры ҡатнашыусылары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Милли симфоник оркестр директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Рушана Бабич, Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм танылған музыкант Заһир Зәйнетдин башҡарасаҡ. Республика һәм өлкәләрҙең ижади коллективтарының сығыштары 25 апрелдән 8 майға тиклем урындағы телеканалдар аша күрһәтеләсәк. Ә 9 майҙа – Еңеү көнөндә был йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ. Йырҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында, YouTube каналында ҡарарға, радиостанциялар аша радиоверсияларын тыңларға мөмкин. “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны барыбыҙҙы ла – Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе берләштерәсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Германияла Атайҙар көнөнә бағышланған пикник фажиғә менән тамамланған. Йәшен халыҡ төркөмөнә атҡан. 40-тан ашыу кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған, шуларҙың 8-ҙе хәл өҫтөндә. Илдең төньяғындағы Дабель ауылына ике ҡотҡарыу вертолеты һәм тиҙ ярҙам машинаһы ебәрелгән. “Беҙ, ғәҙәттәгесә эсә инек. Халыҡ һыра һатылған арба янына йыйылғайны. Көн асылмаҫмы икән тип, һауаға ҡарайбыҙ. Ҡапыл көсөлө шартлау яңғыраны һәм кешеләрҙе арба эргәһенән алып ташланы. Аҙаҡ инде ығы-зығы башланды,-”ти ваҡиғаның шаһиты булған ҡатын. Кешеләр шаңҡып ҡалған. Күптәргә шунда уҡ медицина ярҙамы күрһәтелгән, ҡалғандарын яҡындағы дауаханаларға урынлаштырғандар. Германияла Атайҙар көнө дини байрамға тура килә.Ир-ат уны ғаиләһеҙ генә, дуҫ-иштәре менән һыра эсеп үткәрә. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Башҡортостан Республикаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларҙы иң күп тотонған төбәктәрҙең береһе. Башҡортостан Республикаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларҙы иң күп тотонған төбәктәрҙең береһе. Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә етди бурыстар ҡуйҙы. “Был ябай һүҙҙәр түгел, уға тиҙ арала өлгәшеп тә булмай, шулай ҙа маҡсатҡа өлгәшеү өсөн шарттар етерлек”, – тине Радий Хәбиров. Видеобәйләнеш форматында ойошторолған кәңәшмәлә барлыҡ район башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Иң тәүҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская сығыш яһаны. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы хаттарҙың артыуын, ә социаль селтәрҙәргә килгән мөрәжәғәттәрҙең кәмей барыуын билдәләне, бының сәбәбен хәҙер баш табиптарҙың да үҙ сәхифәләре барлыҡҡа килеүе менән аңлатырға мөмкин. Килгән мөрәжәғәттәрҙең эстәлегенә килгәндә, халыҡты күберәк дарыуҙар менән тәьмин итеү, табип хаталары, битарафлыҡ, кадрҙар һәм медицина учреждениелары етешмәү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр борсой. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында: “Быйыл Башҡортостанда, былтырғы осор менән сағыштырғанда, 2500 кешегә кәмерәк үлгән. Быға ике фактор ыңғай йоғонто яһаған – ҡан әйләнеше системаһынан һәм яман шештән үлеүселәр аҙыраҡ теркәлгән. Балалар үлеме менән бәйле күрһәткестәрҙе тамырҙан яҡшыртыу бурысы тора. Беҙгә киләһе йылда ла көсөргәнешле эшләргә тура киләсәк. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Өфөлә Балалар яман шеше һәм гематология үҙәге төҙөү хаҡында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ”, – тип билдәләне. Республика Башлығы кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. Сөнки ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 400 табип һәм шәфҡәт туташы эшкә йәлеп ителгән. Радий Хәбиров йылды барлап: “Дөйөм алғанда йыл ыңғай килде. Мәҫәлән, шул уҡ ағыулы спиртлы эсемлектәр менән көрәш ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, үлеүселәр һаны 115-кә кәмегән. Ә бына Рәсәй кимәлендә ағыуланып үлеүселәр һаны 11 процентҡа артһа, беҙҙә – 70 процентҡа кәмегән. Бына ошо була инде беҙҙең эш һөҙөмтәһе”, – тип билдәләне.
Президент Владимир Путин ил халҡына икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итте һәм апрель аҙағына тиклем ошондай режим һаҡланасаҡ тип белдерҙе.#владимирпутин Шулай итеп, илдә үҙаллы изоляция режимы 30 апрелгә тиклем оҙайтылды. Иң мөһиме - эш хаҡы шулай уҡ һаҡланасаҡ. Владимир Путин белдереүенсә, әле донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә эпидемияның юғары хәүефе үтмәгән. "Эшләмәгән аҙна һәм үҙаллы изоляция режимы күп төбәктәрҙә алдан саралар күреү өсөн ваҡытты әҙерәк “еңергә” мөмкинлек бирҙе. Тик был ара эсендә генә пандемияны еңеп булмай. Мәскәүҙә әлегә коронавирустың таралыуын туҡтата алманыҡ", - тине ул.Мөрәжәғәтендә Владимир Путин табиптарға һәм барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, ауыл-ҡалалар тормошон тәьмин итеүселәргә рәхмәт әйтте.Ил буйынса өйҙә ултырыу ваҡыты оҙайтылһа ла, Президент был йәһәттән төбәктәр башлыҡтарының вәкәләттәрен киңәйтте һәм үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт бирҙе. "Беҙҙең ил ҙур. Әле коронавирус инфекцияһы менән зарарланмаған төбәктәр бар, ә ҡайҙалыр ул ныҡлы таралып өлгөрҙө. Шуға күрә төбәктәр хәлде үҙҙәрендәге торошҡа ҡарап көйләй ала. Был туралағы ҡарарҙарын аҙна аҙағына тиклем әҙерләргә тейештәр. Барыһы ла тейешле хеҙмәттәр менән килешеп эшләнәсәк", - тине дәүләт башлығы.Хәлдең нисек дауам итеүенә ҡарап, өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул ителеүе ихтимал, тине Владимир Владимирович. Әгәр ваҡиғалар мөмкинлек бирһә, өйҙә ултырыу көндәрен ҡыҫҡартыуҙары ла бар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Йөрәккә хәүеф орлоғо һалып ҡуйҙылар: “Артистарҙың тормошо тормошмо ни ул, гел юлдалар. Күбеһе йүнләп ғаилә лә ҡора алмай... — Актриса булам тигән уй башыма ҡасан килде, тиһегеҙме? – Светлана Фәрит ҡыҙы саҡ ҡына уйланып тора ла, – бәләкәй саҡтан уҡ иң ҙур хыялым йырсы йәки спектаклдәрҙә уйнаған артистка булыу ине, — ти, көлөмһөрәп. – Сәнғәткә ҡарата һөйөү орлоҡтары ҡандан да киләлер, әсә һөтө менән һалынғандыр, моғайын, сөнки әсәйемдең дә әсәһе, өләсәйем, шул тиклем матур йырлар ине. Өй эштәрен башҡар­ғанда үҙ алдына ғына көйләгәнен дә күрше апайҙар инеп тыңлап торор ине. Әсәйем Лидия Мөҙәрис ҡыҙы менән ике туған апайым да йырларға ярата, туғанда­рымдың да тауышы моңло, тыуған йортҡа йыйыл­ғанда, табындарҙа күмәкләп йырлашып ултырабыҙ. Тик минән башҡа берәү ҙә сәх­нә һөнәрен һайламаны. Күҙҙәренән нурҙар һибелеп торған илгәҙәк, отҡор ҡыҙыҡайҙың йыр-моңға ынтылышына, икенсе ролгә инергә тырышыуына тәүге укытыусыһы Люциә Фәтхи ҡыҙы Сәйетғәлина ла иғтибар итә. Светлана класс сараларында бик теләп ҡатнаша, мәктәптә өйрәнгәндәрҙән тыш та бик күп йыр белә. Ә инде фигуралы шыуыуҙы бары тик ул саҡтағы аҡ-ҡара төҫтәге телевизорҙан ғына күргән баланың боҙҙа быймаһы менән шыуып өйөрөлөп, төрлө хәрәкәттәр яһап йөрөүен нисек аңлатырға? Балалығына бара, тиер инең, бөтә уҡыусылар ҙа улай уйнамай ҙа... – Был бала сәнғәт кешеһе булыр, моғайын, – тип фараз итә, һәр уҡыусы­һында ниндәйҙер үҙҙәренә генә хас һәләт күреп, уны үҫтереү өсөн шул йүнәлештә эшләргә күнеккән уҡытыусы. Светлананың шиғыр һөйләргә лә әүәҫ икәнен күреп, дәрестә үткәндәргә өҫтәп, яңы ҡыҙыҡлы шиғырҙар ятларға бирә. Тиҙ ятлап алыуы өҫтөнә, тасуири итеп уҡый ҙа әле ул! Дүрт балалы колхозсы ғаиләһендә Светлана икенсеһе була. Ауыл балалары кесе йәштән эшкә ылығып үҫә. Йәй көндәре бесән эшләмәгән, утын әҙерләмәгән, баҡса, колхоздың гектарлап бүлеп бирелгән сөгөлдөрөн утамаған ғаилә булмай. Балаларҙың да һәр береһе ҡулынан килгән эштәрҙе башҡара. Уларҙың береһе лә ҡыҙ өсөн ауыр ҙа, ялҡытҡыс та булмай, сөнки уның күңелендә үҙе уйлап сығарған әкиәт донъяһы йәшәй. Унда барыһына ла үҙе хужа бөтә эштәрен дә еңел генә башҡара ала торған тылсымлы ҡыҙыҡай. Уның әкиәт донъяһында һәр саҡ яҡты, йылы, күңелле. Шуға күрә Светлана өйҙәге, ҡырҙағы көндәлек эштәрҙе һәр саҡ ҡанатланып, илһамланып, үҙен күңелен­дәге көслө, изгелекле һылыу итеп тойоп башҡара. Шуға ла арымай, арыһа ла, һис көйөнмәй. Эй, хыялый ҡыҙыҡай, ниҙәр көтә икән һине алдағы йылдарыңда?! Дүртенсе класҡа тирә-яҡтағы ауыл балалары ете-һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Раевка башҡорт урта мәктәбенә (хәҙерге Мөхәммәтша Буранғолов исемендәге лицей) йөрөп уҡый. Көн һайын. Ҡышҡы бурандарҙа көрт баҫҡан юлдарҙан, яҙын гөрләүектәр йәйрәп ятҡан ҡарлы-боҙло һыу кисеп, көҙгө ямғырҙарҙа күшегеп... Йөрөп уҡыуҙың ыңғай яҡтары ла булған икән: оҙағыраҡ саф һауа һулайһың, бер көн дә ҡалдырырға ярамаған иртәнге-төш­кө гимнастика. Юлдағы мажаралар, һөйлә­шеүҙәр, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыуҙар кешеләрҙе яҡынайта. Оҙон юлда хыялдар осҡорораҡ, уйҙар тәрәнерәк, офоҡтар киңерәк, тәбиғәт күренештәре һәр саҡ күҙ алдында. Светлана шиғырҙар­ҙы гел юлда ятларға өйрәнеп ала. Уҡыуҙан ҡайтҡанда әхирәттәрең менән яңы йырҙар өйрәнеү ҙә юлды ҡыҫҡарта, күңелде байыта. Талпынып-талпынып мәктәпкә ашыҡҡан сәғәттәр ҡыҙҙы йыш ҡына үҙенең әкиәт донъяһына алып ҡайта. Бына ул — сибәр актриса сәхнәлә йырлап тора, халыҡ уның моңон иҫе китеп тыңлап ултыра. Ә йырсы, уларҙың мөхәббәтен тойоп, илһамланы­быраҡ йырлай. Бына ул төп ролдәрҙе баш­ҡа­рыусы актриса: ҡош булып та оса, һыу­ҙа ла йөҙә, бер ҡараһаң – принцесса, икенсе ҡарағанда – иҫ киткес батырлыҡтар эшләгән героиня...Үҙ донъяңда йәшәгәндә ваҡыт та тиҙ үтә, юлда икәнлегең дә һиҙелмәй. “Барыбер актриса булам мин!” – Бала саҡта ҡабул ителгән ҡояшлы күңел ҡарары шундай көслө һәм ерлекле булғандыр, күрәһең. Бер һайлаған юлдан һис ҡасан тайпылмай буласаҡ сәнғәт йондоҙо. Мәктәптә уҡығанда уҡ “йырсы ҡыҙыҡай” тигән даны тарала. Өлкән кластарҙа уҡығанда мәктәп кисәләрендә генә түгел, ауыл сәхнәләрендә лә йырлай башлай. Бер саҡ Өфө телевидениеһының “Йәйғор” программаһында тура эфирҙа ла йырларға насип була Светланаға. Был сығыш уның үҙенә булған ышанысын тағы ла нығыраҡ арттыра. Әхирәттәренең сәнғәт юлын һайларға теләүен тиҫтерҙәре лә белә. Ошолай буласағына икеләнмәйҙәр. Шулай ҙа кемеһелер йөрәккә хәүеф орлоғо һалып ҡуя: “Артистарҙың тормошо тормошмо ни ул, гел юлдалар. Күбеһе йүнләп ғаилә лә ҡора алмай”. Светлана уйға ҡала: ҡайһыһын һайларға һуң? Сөнки уның артист та булғыһы, һәйбәт ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәгеһе лә килә. Күпмелер ваҡыт медицина институтына инеү хаҡында хыялланып ала. Ата-әсәһе лә был хыялды яҡлаған кеүек. Тик икенсе һөнәрҙе күҙ алдына килтергән һайын, ул саҡта сәхнә менән хушлашырға кәрәк буласағын аңлап, йөрәге өҙгөләнә. Шул осорҙа район мәҙәниәт һарайында фанаттарса эшләп йөрөгән режиссер етәксе Римма Шакирова менән таныша. Ул 1-се мәктәптә лә драма түңәрәге алып бара. Тик Светлана, йөрөп уҡығанлыҡтан, унда ҡатнаша алмай. Бына мәктәп сәхнәһендә Әнғәм Атнабаевтың “Йырланмаған йыр” спектакле бара. Иҫе китеп үҙешмәкәр артистарҙың уйнағанын ҡарап ултыра ҡыҙыҡай, күңеленән генә һәр береһенең ролен үҙенсә ҡабатлай. Шул йылда ул, Мостай Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын”, Сибай театры алып килгән “Һыу юлы” драмаларын ҡарап, ҡәтғи фекергә килә: “Юҡ, мин бары тик сәнғәт юлынан ғына китәсәкмен. Медицина институтында унда уҡырға инергә теләгәндәр уҡыһын!” Тик сәнғәт институтында ла театр бүлегенә ҡабул итеү йылы түгел. Бер аҙ эшләп, өҫ-башты бөтәйтеп алырға, атай-әсәйгә лә туғандарҙы ҡарашырға ярҙам итергә кәрәк. Светлана Маликова Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училище­һына ситтән тороп уҡырға инә лә Раевка мәҙәниәт һарайына эшкә урынлаша. Район, республика кимәлендә үткәрелеп торған төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу, ауыл сәхнәләрендә концерттар менән сығыш яһау үҙешмәкәр артисты тамашасылар менән рухи бәйләнешкә инергә, сәхнәлә үҙеңде тоторға, сәнғәт өлкәһендә була торған сетерекле хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, тауыш өҫтөндә ентекле эшләргә, мөмкинлегеңә, күңелеңә тура килерлек йырҙар һайларға өйрәтә. Халыҡ Светлана Маликова башҡарыуында шиғырҙар тыңларға ла ярата. “Бигерәк тә Әнғәм Атнабаевтыҡын кинәнеп һөйләй инем”, – ти Светлана Фәрит ҡыҙы. Ошондай концерттарҙың береһендә ул буласаҡ тормош иптәше Хәмиз Хәкимовты осрата. Сәхнәлә икеһе лә — һөйкөмлө, илһамлы, йәш, сибәр артистар: береһе өҙҙөрөп баянда уйнай, икенсеһе моңланып, дәртләнеп “Иҙел буйы ҡайындары” тигән йырҙы башҡара. Халыҡ уларға һоҡланып ҡарай, мөхәббәт һәм бәхет юрай. Йыр-моңға ғашиҡ йәштәрҙең күңелендә наҙлы хистәр ҡабыныуы һәйбәт күренеш инде. Етмәһә, күрше ауылдарҙа ғына тыуып үҫкәндәр, бәләкәйҙән таныштар. Тик Хәмиз Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатында уҡыған, аҙаҡ армияла хеҙмәт иткән икән, шуға оҙаҡ ҡына осраша алмағандар. Артабан уҡыу, баш ҡала кимәлендә һәләтен үҫтереү теләге яҡты нур булып саҡыра Светлананы. Артыҡ баҫалҡылыҡ, үҙ мөмкинлегеңә ышанып етмәү икеләндерә уны. “Баш ҡала сәхнәләре өсөн һәләтем етерлекме икән һуң, хыялдарым мөмкинлегемә тап киләме?” кеүек һорауҙар икеләндерә ҡыҙҙы. “Әле тәүәккәлләмәһәм, аҙаҡтан һуң буласаҡ” тигән бик ваҡытлы ҡарарға килә Светлана һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инә. Уҡырға инеүселәр исемлегендә үҙенең фамилияһын күргәс, кисергән тойғоларын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел. Йылдар буйы утлы ҡуҙ булып күңел төпкөлөндә генә көйрәгән, инде һүрелә төшкән хыялдарҙың тормошҡа ашып, дөрләп китеүе була был мәлдәге уй-хистәр. Күренекле режиссер, сәнғәт белгесе, талантлы һәм талапсан Ғабдулла Ғиләжевтең курсына эләгеүҙе оло бәхет тип ҡабул итә. Ире Хәмиз дә шул уҡ уҡыу йортонда музыкант белемен үҙләштерә. Һәләтле йәштәр менән бергә уҡыу, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле репетициялар, яңы спектаклдәргә йөрөп, күренекле артистарҙың уйнағанын ҡарап өйрәнеүҙәр, гөрләп торған баш ҡала тормошо Әлшәй йәштәрен тиҙ арала үҙ ритмына, үҙ мөхитенә индерә. Ғаилә булғас, бала тыуыу – тәбиғи хәл. Дәртләнеп кенә уҡып йөрөгәндә Светлана тиҙҙән әсә буласағын белә һәм бер йылға академик ялға китә. Шуға ла ул ике төркөмдәге студенттарҙы ла “курсташтар” тип йөрөтә. Юғары исемдәргә лайыҡ булған, халыҡ һөйөүен яулаған Нәғим Нурғәлин, Ольга Мусина, Зөлфиә Хәлилова, Рәсүл Ҡарабулатов, Гөлнара менән Алмас Әмировтар, Айгөл Ҡарабулатова, Гөлназ Ирсаева, Юнир Ғәйнуллин, Фәһим Әхмәтйәнов, Зилә менән Алмас Сәйетовтар, Марс Итбаев, Фиҙәлиә менән Илһам Рәхимовтар — сәнғәттә илһам­ланып хеҙмәт иткән тәжрибәле быуын ин­де бөгөн. Яңы төркөм етәкселәре һәм уҡытыусылары ла хөрмәтле сәхнә оҫтала­ры була. Рифҡәт Исрафилов, Тамара Хоҙайбирҙина, Нурия Ирсаева, Таңсулпан Бабичева уҡыта. Йәш бала менән уҡыуы, ай-һай, еңел булмай студент әсәгә, ләкин өлгөрөргә, тырышырға кәрәк, башҡа сара юҡ. Уҡырға булған теләк кенә түгел, бала саҡтан тәрбиәләнгән түҙемлек, яуаплылыҡ, фиҙакәрлек сифаттары ла ярҙам иткәндер Светланаға үҙенең сәнғәттәге урынын да, ғаиләһен дә һаҡлап ҡалырға. Өсөнсө курстан башлап төп ролдәрҙе лә ышанып тапшыралар студенткаға. Бер саҡ Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер төркөм артистары Италияға гастролгә китә. Улар араһында “Ғәлиәбаныу” спектаклендә төп ролде уйнаусы ла бар. Ә Өфөлә шул уҡ спектакль репертуарҙа ҡала. “Ғәлиәбаныу ролен миңә тәҡдим иткәс, тәүҙә ышанмай торҙом. Ышанғас, түбәм күккә тейҙе. Режиссер Рифҡәт Исрафилов, шул спектаклдә уйнаған өлкән, тәжрибәле коллегаларым был образды тыуҙырғанда ҙур ярҙам күрһәтте. Уларға әле лә рәхмәт әйтәм, сөнки тәүге роль килеп сыҡмаһа, бынан һуң төп ролдәр теймәүе лә мөмкин ине бит. Ә Ғәлиәбаныуҙың ҡул арты еңел булды. Шул осорҙа Әнғәм Атнабаевтың “Балаҡай­ҙарым” пьесаһы буйынса эшләнгән спектаклдә Әлиә ролен дә ышанып тапшырҙылар. Беренсе гастролгә, өсөнсө курсты тамамлағас, Хәкимйән Зариповтың “Яуап көнө” спектакле менән сыҡтым. Бында ла ниндәйҙер актриса урынына барырға тура килде. Үҙем инде әсә булғас, спектаклдәге ауырлы ҡатын ролен уйнауы ҡыйын булманы. Республика ауылдарында 43 көн буйы спектаклдәр ҡуйып йөрөнөк. Шунда белдем инде мин артист тормошоноң ауырлыҡ­тарын, ләкин күңелем ҡайтманы. Әле лә арыған саҡтар түгел, ә Башҡортостаны­быҙҙың гүзәл тәбиғәте, ҡыҙыҡлы хәлдәр, донъяһын онотоп спектакль ҡараған, алып ҡайтып ҡунаҡ итергә, хөрмәт күрһәтергә әҙер торған тамашасылар иҫкә төшә”, – тип хәтерләй актриса. Уҡып бөткәс, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә йүнәлтелеүен дә оло бәхеткә һанай Светлана Фәрит ҡыҙы. Бында бер төрлө яҙмыш, ә башҡа ерҙә башҡасараҡ булыр ине бит инде. Ә сәнғәт яҙмышы үкенерлек түгел актрисаның. Халыҡ ихтирамын ҡаҙанып билдәлелек яулау, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы тигән юғары исемдәргә лайыҡ булыу – барлыҡ сәхнә әһелдәренең дә иң ҙур хыялы. Светлана Хәкимова был юғарылыҡҡа үҙенең ҡабатланмаҫ таланты, тырышлығы, сәнғәткә тоғролоғо арҡаһында өлгәште. Һөйөклө ҡатын, ике улға ғәзиз әсә булыу ҙа – изге күңеллелек, фиҙакәрлек, түҙемлелек емештәре. Еңеүҙәрҙең еңел бирелмәүен еңеүсе үҙе генә белә. Ә бит бер түгел, күпселек режиссер­ҙарҙың спектаклдәрендә төп героиняларҙы уйнауҙы уға, Светлана Хәкимоваға, ышанып тапшырыуҙары тиккә генә түгел. Беренсенән, ул — күп яҡлы талант эйәһе: уйнарға ла, йырларға ла булдыра. Өҫтәүенә артист һөйкөмлө лә булырға тейеш. Эшләй башлаған йылдарҙа бөтәһе лә сибәр була. Тик эске һәм тышҡы матурлыҡты, шул иҫәптән кәүҙә һомғоллоғон оҙаҡ ваҡыт дауамында һаҡлай ҙа белергә кәрәк бит әле. “Шуға шөкөр итәм, – ти Светлана Фәрит ҡыҙы, – миңә терһәк менән юл ярырға кәрәкмәне. Театрға Ибраһим Абдуллиндың “Тиле йәшлек” спектаклендә Һандуғас ролен уйнап килеп индем. Студент саҡтан ҡайһы бер спектаклдәрҙә ҡатнашып, аралашып йәшәгәнгәме, өлкән артистар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә яҡын күреп, яратып коллективҡа ҡабул итте. Өлкән коллегаларым — заманыбыҙҙың арҙаҡлы сәнғәт оҫталары Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Шамил Рәхмәтуллин, Муллайән Сөйәрғолов, Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, Хөрмәт Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова, Рәмзиә Хисамова, Илдар Ғүмәров менән бер сәхнәлә уйнай алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Беҙҙең быуын артистарының һәр береһе сәнғәттә үҙ урынын тапты. Бөгөн улар театрҙа төп көстө тәшкил итә. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙгә алмашҡа һәләтле, сәнғәтте мөкиббән яратҡан, һәр яҡлап белемле, тырыш йәштәр килә. Тимәк, театрыбыҙҙың киләсәге өмөтлө. Егерме ике йыл буйына бер театрға тоғро ҡалдым. Күбеһенсә төп геройҙарҙы уйнарға насип итте, ролһеҙ йөрөгәнем булманы. Коллективыбыҙ татыу, эшлекле, талантлы. Беҙҙе Мәскәүҙә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә генә түгел, донъяның байтаҡ илдәрендә лә яҡшы беләләр, юғары баһалайҙар. Был — театр өсөн оло ғорурлыҡ. Ижади коллектив булғас, эш мәлендә бәхәстәр ҙә, ҡайһы бер аңлашылмау­санлыҡтар ҙа килеп сыға. Был — тәбиғи күренеш, сөнки уйланмаған, уңыштар өсөн көрәшмәгән, фекерҙәр сәкәшмәгән коллективта үҫеш булмай. Ә беҙ замандан артта ҡалырға теләмәйбеҙ!” Үҙе зарланмаһа ла, байтаҡ ҡына ауырлыҡтар кисерергә тура килә тормошта Светланаға. Сәнғәткә хеҙмәт иткән ире һәм мәктәптә уҡыған улы менән ун биш йыл буйы ятаҡта йәшәү еңел булған тиһегеҙме ни?! Иренә музыка ҡоралда­рында уйнарға, үҙенә ролдәр өҫтөндә эшләргә, ғаилә өсөн аш-һыу әҙерләргә, кер йыуырға уңайлы шарттар кәрәк. Бала ваҡытында тыныс мөхиттә дәрес әҙерләргә, музыка мәктәбенән ҡайтҡас та өйҙә баян уйнау серҙәренә төшөнөргә, аҙмы-күпме дәрестәрен ҡабатларға, шөғөлләнергә тейеш. Ғаиләһенә, яратып һайлаған һөнәренә булған оло мөхәббәте генә Светланаға ныҡлыҡ, сабырлыҡ биргәндер инде. Тиҙ арала фатир вәғәҙә итеп, һәләтле актрисаны Стәрлетамаҡ театрына ла эшкә саҡыралар. Әлбиттә, ҡыҫыҡта интегеп йәшәгәндәр өсөн ылыҡтырғыс тәҡдим була был. Тик өйрәнгән коллективты, үҙеңде яратҡан тамашасыларҙы нисек итеп ташлап китәһең?! Етмәһә, театрҙың художество етәксеһе: “Һеҙ бында кәрәкһегеҙ”, – тип тора. Ошо мәлдән һуң да биш йылдан ашыу дөйөм ятаҡта көн күрергә мәжбүр була сәнғәт әһелдәренән торған ғаилә. Баламдың үҫмер ваҡыты, ә уға баянсы булараҡ кәрәгенсә музыка менән шөғөлләнергә лә кәрәк тип, Светлана Фәрит ҡыҙы саҡырыуҙы кире ҡаға. “Шөкөр, хәҙер уңайлы өс бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Улыбыҙ үҙебеҙҙең театрҙа эшләй, һәләтле аккомпаниатор булып танылды. Үҙе уҡып сыҡҡан махсус музыка колледжында балаларға белем бирә. Ғаиләһе тураһында һөйләгәндә Светлана Фәрит ҡыҙының йөҙө яҡтырып, нурланып китә: – Бер ғаиләлә өс сәнғәт кешеһе, нисек уртаҡ тел табаһығыҙ? – ти ҡайһы берәүҙәр. Бәлки, шулай булған өсөн дә бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңлайбыҙҙыр. Ирем Хәмиз бер ваҡытта ла: “Йә сәхнә, йә ғаилә”, – тип мине ауыр һынау алдына ҡуйманы. Сөнки ул, әгәр ҙә театрҙан китһәм, минең хис-тойғоларым һүнеп, төҫһөҙ-маҡсатһыҙ көн күргән мыжыҡ бер ҡатынға әүереләсәгемде яҡшы аңлай. Актриса булыуымды халыҡҡа, бигерәк тә минең үҙемә кәрәкле хеҙмәт, эш итеп ҡабул итә ул. Үҙе лә ижад кешеһе булараҡ, минең ҡайһы берҙә уйсанланып китеүемде, йә сценарий тотоп, ролгә инергә тырышыуымды ижади процесс булараҡ ҡабул итә. Өлкән улыбыҙҙың да сәнғәт юлынан барыуы уның беҙ һайлаған ижади хеҙмәтте үҙ итеүе хаҡында һөйләй. Ә бына кесе улыбыҙ Ильяс күберәк техникаға тартылған кеүек. Ниндәй юлды һайлаһа ла, күңеленә ятһын, эшенән бәхет табып йәшәһен. Светлана Хәкимова – киң диапазонлы актриса. Был хаҡта уның ролдәренә ҡарап һығымта яһарға мөмкин. Егерме өс йыл эсендә ул тыуҙырған дүрт тиҫтәгә яҡын образдың береһе лә икенсеһен ҡабатламай, һәр береһен асыр өсөн яңынан-яңы тормошсан миҫалдар, сағыу биҙәктәр, уйылып хәтерҙә ҡалырлыҡ ижади деталдәр табылған. “Мин яңы образға әкренләп инәм, – ти Светлана Хәкимова. – Ролдең асылына төшөнөргә тырышам, уның яҙмышы ниңә әлеге спектаклдә яҙылғанса булып китеүен төшөнөүҙе маҡсатым итеп ҡуям. Героиняларҙың характерын асыу, әлбиттә, уның ҡайһы илдә, ниндәй осорҙа, ниндәй ваҡиғалар араһында йәшәүенә лә бәйле. Үҙебеҙҙең йәки сит ил авторҙарының классик әйберҙәрен әҙерләгәндә мотлаҡ тарихи китаптарҙан шул осорҙо өйрәнәм. Авторҙың башҡа әҫәрҙәрен дә уҡып сығам. Ә инде бәләкәйҙән кешенең төрлө осраҡта үҙ-үҙен тотошона, яҙмышына иғтибар итеп үҫеүемдең дә образдарҙы асыуҙа ярҙамы ҙур, тип уйлайым. Бөгөн инде ҡыҙыҡлы кешеләрҙең тормошо, килеп тыуған ваҡиғаларға ҡарап уларҙың характерҙары нисек үҙгәреүен күҙәтеү минең ҡаныма һеңгән. Кеше бер ваҡытта ла тыумыштан яман йәки яҡшы сифаттарға эйә булмай. Мин уларҙың характерын асыу өсөн нилектән яман юлға баҫыуын йәки көтмәгәндә батырлыҡ, фиҙакәрлек, изгелек күрһәтеүенең сәбәптәрен эҙләйем, уларҙы күрһәтергә тырышам һәм... күп осраҡта үҙемдең героиняларымды, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яҡларға тырышам. Бына, мәҫәлән, һуңғы ролдәремдең береһе Хәлисә Мөҙәрисованың “Бәхет хаҡы” музыкаль драмаһындағы Альбинаны ғына алайыҡ. Уны үҙенең ижади күтәрелеше, тағы ла нығыраҡ билдәлелек алыуы өсөн билдәле сәнғәт оҫтаһына кейәүгә сығып, аҙаҡ уны ташлап китеүен фашлап, тамашасы тарафынан әхлаҡи йәһәттән хөкөм иттерергә лә мөмкин ине. Ә мин тамашасының иғтибарын Альбинаның һәләтле актриса булыуына, уның остазы Зарифҡа, талантына ихлас һоҡланып, уны бәхетле итергә тырышыуына ла йәлеп итергә булдым. Альбина, әлбиттә, ире Зариф кеүек үк амбициялы ижадсы. Ләкин уның ғүмер буйы үҙ һүҙле, тормошонда яңғыҙ ҡалған ауырыу ирен генә ҡарап ултырғыһы килмәй. Бына шундай ҡатмарлы ғына, заманса образ. Бик күптәрҙе үҙ яҙмыштары хаҡында уйланырға, ниндәйҙер миһырбанлы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәлер әле ул, бәлки. Маҡсатыбыҙ ҙа ошо бит инде”. Эйе, Светлана Хәкимова — эҙләнеүсән, һөнәри үҫеш юлындағы тәжрибәле, популяр актриса. Коллегалары ла, журналистар ҙа, драматургтар ҙа был фекерҙе хуплай. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург Нәжиб Асанбаев уның ижады хаҡында бына ниҙәр яҙып ҡалдырған: “Башҡорт академия драма театрында “Аҡ ҡанатлы хыялым” (А. Островский, режиссерҙары – А. Нәҙер­ғолов, Т. Бабичева) Өфө тамашасыһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Беренсе көндә Регина ролен Светлана Хәкимова уйнаны. Миңә уның күп кенә сәхнә уйындарын күреү насип булды. Актрисаның театрҙағы эшмәкәрлеген иғтибар менән күҙәткәнгә уның амплуаһын һәм актерлыҡ мөмкинлектәрен яҡшы уҡ самалайым. Әле бынан ике йыл элек кенә ул Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ҡарлуғас ролен иҫ киткес оҫта башҡарыуы менән тамашасыны таң ҡалдырғайны. Мин үҙемдең “Яралы яҙмыш” тигән спектаклемдә лә уның уйнауын яратып ҡараным. Ап-аҡ күлдәк кейгән һылыу ҡыҙҙың алыҫ үткәндәрҙән бейей-бейей килеүе лә, тормош ауырлыҡтарынан һығылып төшкән сәхнәләге иренең хәтерендә бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә яҡты образ булып кәүҙәләнеүе лә тетрәткес ине шул... ...Башҡортостандың халыҡ артист­каһы Светлана Хәкимова сәхнәлә күренеү менән спектаклгә ниндәйҙер йәм өҫтәлде, ул тағы ла йәнләнә төштө. Уның борсоулы йөҙөндә һаман да шул уҡ беҙ күреп өйрәнгән мөләйемлек, күңелдәрҙе тартып торған зифа буй-һын, аҡыллы күҙ ҡараштары. Регина-Светланала нәфислек һәм лиризм, ғазап һәм һағыш, нәфрәт һәм ҡурҡыу, сарказм һәм ғорурлыҡ кеүек сифаттар уны ябай актрисанан героиня дәрәжәһенә күтәрҙе, һәм ул сәхнәнән сәхнәгә образ булараҡ үҫә барҙы, ваҡиғаларҙың уртаһына ташланды. Ә беҙ, тамашасылар, уға теләктәшлек күрһәтеп, тетрәнеп ултырҙыҡ”. Ролдәр, ролдәр... Һәр береһенә күпме рухи көс, күңел яҡтылығы һалынған. Хас та балаң кеүек: айҙар буйына үҫешеп, кеше ҡиәфәтенә инеп, актрисанан буй-һын, холоҡ-фиғел алып, айырым образ булып тыуа бит улар. Тыуалар ҙа тамашасының күңелендә үҙ яҙмыштары булған таныш кешеләр булып йәшәй башлайҙар. М. Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһында Агазия, Ф. Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”ендә Сәрби, “Ай тотолған төндә”лә – Зөбәржәт, Р. Байбулатовтың “Йәрем минең – алиһәм”дә Алла, К. Галь­дониҙың “Йәрең көнләп, серең һөйләп” драмаһында Донна Паскуа, X. Ибра­һимовтың “Башмағым”ында Сәрүәр, М.Мө­сифуллиндың “Тиҫкәре ир, насар ҡатындар” әҫәрендә Гүзәлйән, М. Фәйзиҙең “Аҫылйәр”ендә Ләлә, А. Чеховтың “Туй”ында Дашенька һәм башҡа образдар – Светлана Хәкимованың аҡыл көсө һәм хис-тойғо менән тыуҙырылған ижад емештәре. Актриса: “Геройҙарымдың бөтәһен дә яратып уйнайым”, – ти. Үҙең бар иткән, донъяға сығарған үҙенсәлекле характерлы, үҙеңдең буй-һыныңды, төҫ-башыңды битлектә генә булһа ла ҡабатлаған “кешеләрҙе” нисек яратмаҫҡа мөмкин?! Бына Ә. Дилмөхәмәтова әҫәре буйынса ҡуйылған “Артур + Нэнси” спектаклендәге Әсә – Светлана Хәкимова башҡарыуында – баланың бәхете өсөн ниндәй генә хис-тойғо кисермәй ҙә ниндәй генә эш башҡармай?! Тамашасылар араһында ла кемдер йәлләй, кемдер аңлай, кемдер ғәйепләй Әсәне, ләкин был образ бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тимәк, актриса ла, уның менән бергә спектакль дә маҡсатҡа ирешә. Кешеләрҙе илдәге, беҙҙең аралағы иң ҡурҡыныс проблеманы хәл итергә һәм булдырмаҫҡа, бөгөнгө көн проблемаларына ҡарата битарафлыҡтан арынырға саҡыра. Сыңғыҙ Айытматовтың “Аҡ пароход” әҫәре буйынса ҡуйылған трагедияла Бикәй образын Светлана Хәкимова ышанды­рырлыҡ, тетрәндерерлек итеп башҡара. Тамашасы күберәк лирик ролдәрҙә күреп өйрәнгән актриса өсөн бындай роль — үҙенә күрә ҙур һынау. Ул, образды йәнләндереп, бәхет өсөн йән атҡан ҡатын­дың әкренләп ҡот осҡос аҙымға барыуын тамашасыларҙы шаңҡытып, тетрәндереп асып бирҙе. Һуңғы йылдарҙа Светлана Хәкимова Ҡол-Ғәли һәм Юрис Сафиуллиндың Таңсулпан Ғарипова әҫәре буйынса эшләнгән “Ҡара юрға...” спектаклендә, Мөҙәрис Багаевтың “Ике төш” драмаһында Гөлшат ролдәрен башҡарып, тамашасы­ларға яңы ижад емештәрен бүләк итте. Светлана Хәкимова — йырсы актриса. Уның үҙенсәлекле тембрлы халыҡсан моңло тауышын башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Өҙгөләнмәй-сәбәләнмәй генә бәрхәттәй наҙлы, йомшаҡ тауыш менән моң боролмаларын еренә еткереп, талғын ғына башҡарған эстрада һәм халыҡ йырҙарын йыр-моң яратыусылар, мәҙәниәт һарайҙарындамы, радио-телевидение тулҡындарындамы, һәр саҡ көтөп ала. Халыҡ йырҙарынан “Көйөлдө”, “Уйыл”, “Рамай”, “һағыныу йыры”, “Сәлимәкәй”, “Һауаларҙа осҡан...”, “Ауыл көйө”, “Һағынам, дуҫтар”, эстрада йырҙарынан Альфред Яҡшымбәтов ижад иткән “Ауыл ҡапҡаһы”, “Иҙелкәй”, “Ни хәлдәр итәйем”, Роза Сәхәүетдинованың “Ғүмер юлы”, “Әйҙә киттек Дим буйына”, Сара Садиҡованың “Йөрәк сере” һәм башҡа бик күп йырҙар Светлана Хәкимованың илһамлы тауышы менән йыр-моң һөйөүселәр күңелендә һаҡлана. Йырсыға бер теләгем: йәшерәк саҡта йырҙарҙы күберәк яҙҙырып ҡалырға кәрәк ине. Кеше менән бергә тауыш та үҙгәрә, тоноҡлана бара бит йылдың-йылы, аҙаҡ үкенескә ҡалмаһын. Сәнғәт киңлектәрендә ғүмере буйы ике ижади ҡанат менән оса Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимова: бер ҡанаты спектакль образдары булһа, икенсеһе – йыр-моң. Береһенә лә хыянат итмәй, икеһен дә тиң күреп елпенде, яңынан-яңы бейеклектәргә күтәрелде. Был илһамлы ҡанаттар уны юғары бейек­лектәргә алып менде: халыҡ яратҡан, меңәрләгән тамашасыһының ышанысын яулап, дан-шөһрәт алған, ҙур исемдәргә эйә булған күренекле шәхес ул хәҙер республикабыҙҙа. Гөлфиә ЮНЫСОВА. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
БР Йәмәғәт палатаһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлеге граждандарҙы үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә саҡыра. Палата рәйесе Әсғәт Ғүмәровҡа алдан яҙылып инергә мөмкин, ә комиссиялар рәйестәре граждандарҙы һәр эш көнөндә тәғәйен ваҡытта ғына ҡабул итә. БР Йәмәғәт палатаһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлеге граждандарҙы үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә саҡыра. Палата рәйесе Әсғәт Ғүмәровҡа алдан яҙылып инергә мөмкин, ә комиссиялар рәйестәре граждандарҙы һәр эш көнөндә тәғәйен ваҡытта ғына ҡабул итә. Социаль сәйәсәт һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Рәшиҙә Солтанова – һәр дүшәмбе, иҡтисад, йүнселдәргә ярҙам һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Владимир Шолом һәр шишәмбе һайын ҡабул итә. Шаршамбыла – регламент, закондар сығарыуҙы камиллаштырыу, граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм этика мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Иван Данилинға, кесе йомала – фән, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Фирҙәүес Хисамитдиноваға, йомала милләт-ара мөнәсәбәттәр, намыҫ азатлығы һәм мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы рәйесе Азамат Юлдашбаевҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. ҡабул итеү ваҡыты – иртәнге сәғәт 10-дан 16-ға тиклем. Адрес: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50, Нефтселәр мәҙәниәт һарайы, 212-се бүлмә (Крупская урамы яғынан инергә), тел. 276-21-67.
► Йыш ҡына балыҡты боҙло килеш һаталар. Балыҡты туңдырғанда һыу менән бергә зарарлы химикат - полифосфат ҡулланалар. Һѳҙѳмтәлә һыу күберәк һеңә һәм ауырлыҡ арта. Балыҡҡа ҡатҡан ҡалын боҙ - насар күрһәткес. Тәбиғи булмаған ялтырауыҡ - полифосфат нәтижәһе. ► Бер ебегән балыҡты ла ҡайһы берҙә икенсе тапҡыр туңдыралар. Быны уның тоноҡ тѳҫѳнә ҡарап белергә була. Балыҡ формаһын юғалтырға һәм бер-береһенә йәбешергә тейеш түгел. Дѳрѳҫ һаҡланмағанда, ул һарғайырға һәм насар еҫ килергә мѳмкин. ► Туңдырыуҙың киң таралған ысулы булып глазурлау тора. Балыҡ йоҡа ғына боҙ ҡатламы менән тѳрѳлѳргә, әммә ул ныҡ булырға, ҡулға алыуға ҡойолоп тѳшѳргә тейеш түгел. ► Балыҡты дѳрѳҫ туңдырған кеүек, дѳрѳҫ иретергә лә кәрәк. Туңдырғыстан алған балыҡты башта бүлмә температураһында түгел, һыуытҡыста ебетәләр. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Уның төҙөлөп бөтөүен район халҡы, бигерәк тә балалар, дүрт күҙ менән көтә, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә бассейны төҙөү туҡтатылған. Сәбәбе - Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы генераль подрядчик тарафынан эштең тейешенсә башҡарылмауы арҡаһында килешеүҙе өҙә. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин Хәйбуллала эш сәфәре менән булғанда бассейны төҙөү тергеҙелер, тип вәғәҙә бирҙе. Тағы ла Урал ръяғы районында Мәҙәниәт йортон төҙөү эше ҡаралған. Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
19-20 октябрҙә Стәрлетамаҡта 5-се тапҡыр «Ашҡаҙар таңдары» Төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Өс йыл һайын үткәрелгән бәйгегә Һамар, Ҡазан ҡалаларынан һәм башҡа тарафтарҙан фольклор коллективтары йыйылғайны. Ике көн барған байрамға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да килеп китеүе сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне. «Йәшлек» район мәҙәниәт йортоноң Йәмилә Рамаҙанова етәкләгән «Аҡбуҙат» фольклор ансамбле 45 фольклор коллективы араһында 2-се урын яулап, лауреат исеме һәм 15 мең һум аҡсалата премия алып ҡайтты. Улар Экология йылына арналған һәм бик актуаль проблемалар күтәргән «Шишмә буйында» тигән матур байрам күрһәткән. Ансамблдең етәксеһенә рухлы балалар тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтеүселәр ҙә күп булған. Ә Йәмилә Сабир ҡыҙы үҙ сиратында балаларҙың ата-әсәләренә оло рәхмәт белдерә. Мәрйәм Юлдыбаеваның «Йәнтөйәк» ансамбле 2021 йылда үтәсәк Халыҡ-ара Умартасылар конгресына арнап, «Бал тәмләү» йолаһын күрһәтеп, 3-сө дәрәжә дипломға һәм 10 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Ойоштороусылар барлыҡ райондарға 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә башларға тәҡдим иткәндәр. «Йәнтөйәк»тәр премия аҡсаһын костюмдар тегеү өсөн тотонмаҡсы. Күмертауҙың Ринат Хәйбуллин етәкселегендәге Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле лә был бәйгелә ҡатнашты. Улар «Май сәйе» йолаһын күрһәтеп, дипломант булды. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
2020 йылдың 16 ноябренән 6 декабргә тиклем БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ситтән тороп “Башҡортостандың йөҙ шағиры” тип аталған киң әҙәби марафон уҙғарылды. Был сараның маҡсаты булып заманса технологияларҙы файҙаланып Башҡортостан Республикаһың әҙәби мираҫын популярлаштырыу торҙо. Марафонда Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары мәктәптәрендә белем алған 5-11 класс уҡыусылары, БР һөнәри һәм юғары белем биреү йорттары студенттары ҡатнашты. Улар республикабыҙ шағирҙарының, шул иҫәптән Рауил Бикбаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Шәйехзада Бабич, Мифтахетдин Аҡмулланың әҙәби мираҫын өйрәнеүгә, Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин башҡорт телендә һөйләшәм”, “Теле барҙың иле бар”, Бөйөк Еңеүгә бағышланған “Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған”, “Мәңгелек хәтер” темаларына презентациялар, видеороликтар һәм анимацион фильмдар тәҡдим итте. Конкурс материалдары башҡорт, рус йәки башҡа Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар телендә ебәрелде. Район эсендә был бәйге 24 ноябрҙән 3 декабргә тиклем ойошторолдо. Мәртәбәле ярышта барлығы 10 белем усағынан 20 уҡыусы ҡатнашты. Абруйлы баһалама комиссияһы алдына бик матур, йөкмәткеле ижади эштәр тәҡдим ителде. Һөҙөмтәлә, “Башҡортостан Республикаһы яҙыусылары һәм шағирҙары” номинацияһында 5-7-се кластар араһында 1-се урынды Моратова Нәргиз (Тирәкле мәктәбе, етәксеһе А.Р.Баһауетдинова), 2-се — Ғайсарова Нәркәс (Ҡыҫынды, Р.Ф.Ғайсарова), 3-өнсөнө Иргизова Илиза ( Ырныҡшы, Е.Е.Еремина) яуланы. 8-9-сыларҙан “Башҡортостан Республикаһы шағирҙарының әҙәби мираҫын өйрәнеү” номинацияһында 2-се урынға Хәжиәхмәтова Айгөл (2-се Архангел мәктәбе, Р.М.Маликова) менән Ғәлимова Эльвира (1-се Архангел мәктәбе, А.З.Япарова), 3-сө урынға Муллагилдина Дания (Максим Горький, Т.М.Ҡотлозаманова) һәм Хөснөтдинов Фәнзил (Зәйет, Г.М.Ғилманова) лайыҡ булды. 8-9-сы кластарҙан “Мәңгелек хәтер” номинацияһында беренселеккә Шиһабутдинова Резида (Абҙан, Ф.Ф.Ғизәтуллина) сыҡһа, 2-се урынды Оҙондар мәктәбенең коллектив сығышы (Оҙондар, Г.А.Дәүләтова) алды. Лена Садиҡова, район мәғариф бүлеге методисы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Хәрби часта мәйеттең көйгән, теткеләнгән кейемен һалдырып, йүнлерәген кейҙерҙеләр. Шунан инде цинк ҡалайҙан табут, самолет... Күпмелер ваҡыт уҙғас, складтағы кейемдәрҙе барлап, яраҡһыҙҙарын юҡ итергә тип аралап ултырған интендант бер куртканың түш кеҫәһенән хат табып алды. Өфөгә, радиоға тип яҙылған ине конвертҡа. Ҡыҙҙар күңеле иртә уяна шул. Малайҙар тәнәфестә дыу килеп уйнай йә булмаһа ихатаға сығып туп тибә, рәхәтләнеп бала саҡтарын үткәрә, ә ҡыҙҙар инде юҡ-юҡ та малайҙарға серле ҡараш ташлап ала. “Ниндәй булыр икән?” – тигән һорау яҙылған был ҡарашта. Ниндәй һөйгән йәр, ниндәй ир? Шәһиҙәнең дә бар күҙе төшкән егете. Күҙе төшкән тип, уныһы арттырыу инде, аҙыраҡ оҡшай кеүек, бары шул ғына. Күңел ятҡан нәмә күп булыр, тип үҙ-үҙен тыя ҡыҙ был хаҡта уйлағанда. Ваҡытһыҙ килгән хистәр ҡурҡыта шул. Ағастар ҙа бит яҙ етмәй бөрө ярмай. Шулай ҙа күңелдә бар ул бөрө. Юғиһә Шәһиҙә: “Ниңә мине ваҡытында уҡырға бирмәнегеҙ?” – тип әсәһенә үпкә белдерер инеме ни? Ноябрь айында тыуған ул. Шуға, йәше тулмаған тип, ул йылы уҡырға алмағандар, һәм ул бер синыфҡа тороп ҡалған. Юғиһә, мәктәпкә бергә барырҙар, бергә ҡайтып, бәлки, бер партала ултырырҙар ине. Күңел тартҡан малай менән йәнәшә ултырыуы нисек була икән ул, ҡыҙ быны күҙ алдына килтерергә тырыша ла биттәренә ҡыҙыллыҡ йүгереүен тоя. Ҡыҙҙың теләгәне күктәргә барып иреште, ахырыһы. Инде бер нисә йыл үтеп, Шәһиҙә уҡытыусы булып эшләй башлағас, ә Сайран механизаторҙар курсын тамамлап, трактор йөрөткәндә, яҙғы бер көндә умырзаялар тотоп килгәйне ул ҡапҡа төбөнә. – Собханалла, ҡара әле ниндәй матурҙар! Ҡайҙан йыйҙың? – тип шатланды ҡыҙ. — Ҡыҙылбай урманында күп ул, – тине егет. — Ҡыҙылбай урманында?! Шунда ҡәҙәр барҙыңмы? Йыраҡ бит. – Бер ҙә йыраҡ түгел, – тине Сайран. – Һинең өсөн әллә ҡайҙа барыр инем әле, – тип әйтеп үк бөтөрмәне. Эйе шул, ғәжәп нәмә икән ул һөйөү тигән илаһи хис. Йәштәр көн буйы бер-береһен иҫтән сығармай, бөгөн осрашһаҡ, шулай әйтер инем, былай тиер инем, тип икеһе лә әллә күпме матур һүҙҙәр уйлап ҡуя, ә осрашҡас инде, бөтәһе лә онотола. Зиһен сыуала, хыялдар таша, йөрәк сәйер тибә, әллә ләззәт, әллә ғазап кисерәләр, аңламаҫһың. Хәйер, уйлап ҡараһаң, һөй­лә­шеүҙең артыҡ хәжәте лә юҡ бит инде, тип йыуана ҡыҙ. Сәскәләр килтергән, тимәк, ул ярата. Ярата торғандыр! Теле менән дә әйтер, ниңә ашығырға. Ә йәмле май айында Сайранға повестка килде. Башты ташҡа орорҙай бәлә түгел, һәр егет әрмегә бара. Ләкин ғашиҡтар өсөн ул иҫ киткес аяуһыҙлыҡ, көтмә­гәндә башҡа ишелеп төшкән тау шикелле тойолдо. Егетте оҙат­ҡанда Шәһиҙәнең йөҙө ап-аҡ, ирендәре ҡалтырай ине. Барыһы менән дә һаубуллашып сыҡҡас, Сайран үҙен көтөп торған машинаға табан йүгерҙе, ләкин кинәт туҡталып ҡалды, ҡайы­рылып артына ҡараны. – Кире боролма! – тине уны аңлап торған дуҫы. Нисек инде боролмайһың, һөйгәне ҡала бит. Күпмегә икәнен кем белгән. Бәлки, бик оҙаҡ осрашмаҫтар. Үкенеп йәшәгәнсе... Шундай уй менән Сайран кирегә атланы. Тамам юғалып ҡалған Шәһиҙәнең сикәләренән ҡыҫып тотоп, ирендәренән һурып үпте лә башҡаса артына ҡарамай машинаға йүгерҙе. – Киттек тиҙерәк,—тине ул шоферға, гүйә, уны самаһыҙлығы өсөн кемдер орошорға йыйынған кеүек. Машина китте. Ауыл урамында егеттең һуңғы иҫтәлеге булып саң ғына уйнап ҡалды. ...Ваҡыт. Уның уҙғанын нисек беләһең? Беҙҙә ул шатлыҡҡа күмелеп уҙа. Бигерәк тә йәй көнө. Яҙғы ташҡындан һуң ләйсән ямғыр, йәшел сиҙәм, беренсе сәскәләр, йәм-йәшел бәпкәләр, һабантуй, шунан һыу ҡойоноу, бесән өҫтө, алтын иген ҡырҙары. Һәр көндө шатлыҡ менән ҡояш сыға, ул ҡыҙарып тау артына йәшенеүгә, клубҡа төшөү, һөйгәнең менән осрашыу... Ә бында быларҙың береһе ла юҡ, хатта ҡояш сығыуы ла ҡыуан­дырмай, киске шәфәҡ тә шатландырмай, сөнки ваҡыт бында күберәге үлем менән иҫәпләнә. Теге саҡта фәлән һалдат үлде, төгән ваҡытта фәлән дуҫ минаға эләкте. Афғанстан көндәре бары тик ошолай хәтерҙә ҡалып бара. Берҙән-бер йыуаныс — һөйгән йәрҙәре булған һалдаттар шулар тураһында уйлай, хат артынан хат яҙып йыуана. Сайран да йыш яҙа хатты, ләкин вертолет аҙнаға бер генә килә һәм һалдаттың бер юлы өс-дүрт хатын алып китә. Шәһиҙәгә рәхмәт, ул да күп яҙа, унан да бер килгәндә бер нисә хат була. Егет йотлоғоп шуларҙы уҡый. Береһендә Шәһиҙә өсөнсө курс зачеттарын бирҙем тип яҙа, икенсе хатында зачет бирергә әҙерләнәм, төн уртаһына тиклем китап уҡыйым, тигән. Юҡ, яңылыш яҙылмаған, Сайран үҙе шулай, хаттарҙың датаһына ҡарап тормай, ҡайһыһы эләкһә, шуны алдан уҡый. Нисек кенә уҡымаһын, ул барыбер белә. Һөйгәненең һәр көн нисек йәшәүен, ниҙәр уйлауын һиҙеп тора шикелле. Арала хаттар ғына түгел, фәрештәләр ҙә йөрөй әллә. Был донъяны кем белә... Әллә ана шул фәрештәләрҙең береһе һалдаттың бимазалы башына бер яҡшы фекер индерҙе: егет тыуған илгә, республика баш ҡалаһына, радиостанцияға һөй­гәне өсөн йыр тапшырыуҙарын һорап, үтенес хаты яҙырға булды. Хәҙерге заманда йыр күп ул, ҡайһыһын һайларға? Сайран умыр­заялар йыйып ҡайтып Шәһи­ҙәгә бүләк иткән көндә уның йөҙө нисек бәхетле балҡығанын иҫенә төшөрҙө. Эйе, “Умырзая” тигән бик матур, һағышлы ғына көй бар бит әле. Нимәгәлер хәҙер уны бик йырламайҙар ҙа. Танһығыраҡ йыр булғас, биге­рәк тә һәйбәт. Һүҙе лә, көйө лә беҙҙең өсөн тап килеп тора, атап яҙғандар, тиерһең... Икенсе көндә мөжәһидтәр Сайрандар ротаһы урынлашҡан тауға айырыуса үжәтләнеп ябырылды. Мина, пуля ифрат күп яуҙы. Һуңғы миналарҙың береһе рядовой Сафин янына төшөп ярылды... Хәрби часта мәйеттең көйгән, теткеләнгән кейемен һалдырып, йүнлерәген кейҙерҙеләр. Шунан инде цинк ҡалайҙан табут, самолет... Күпмелер ваҡыт уҙғас, складтағы кейемдәрҙе барлап, яраҡһыҙҙарын юҡ итергә тип аралап ултырған интендант бер куртканың түш кеҫәһенән хат табып алды. Өфөгә, радиоға тип яҙылған ине конвертҡа. Интендант, хатты алай-былай ҡараш­тырғылап уйланып торҙо ла, һуң булһа ла уң булһын тигәндәй, адресы буйынса оҙатырға булды. Их, егеттәр, йәп-йәш көйө... Аҙ ғына йәшәп, яратып та өлгөрә алманығыҙ бит, нәҫелегеҙҙе дауам итергә балағыҙ ҙа ҡалмай. Хатта, ана, кейемегеҙҙе лә янды­рабыҙ, һеҙҙән бары тик ошо хаттар ғына тороп ҡала. Исмаһам, шуларҙың ҡәҙерен белеп һаҡлау­сы булһа ине... Сайрандың ҡалай табутта ҡай­тыуын Шәһиҙә һис башына һый­ҙыра алманы. Ерләп тә ҡуйҙылар, инде йылы ла тулып бара, ә ҡыҙ тиле хәлендә тороп ҡалды, ышанмай ине ул һөйгәненең ҡара ерҙә ятыуына. Ҡарҙар иреп, ер ала-ҡола торған көндәрҙең береһендә йөрәк һағыштарына түҙә алмаған Шәһиҙә радионан хаттар буйынса тапшырылған концерт тыңларға ултырҙы. Кинәт уның ҡолаҡтары таныш исемде ишетте: дикторҙың яғымлы, илтифатлы тауышы ап-асыҡ итеп һөйгәненең исемен әйтте түгелме һуң?! Афғанстанда хеҙмәт итеүсе рядовой Сайран Сафин үҙенең өҙөлөп һөйгәне Шәһиҙәгә һағынышлы сәләмдәрен юллап, үҙҙәре яратҡан “Умырзая” йырын тапшырыуҙы һораған. Рәхим итеп тыңла, Шәһиҙә һылыу. Юҡ, китәһем килмәй ер йөҙөнән, Умырзая кеүек тиҙ һулып. Йыр дауамында Шәһиҙә бер генә тапҡыр ҙа ҡымшанманы. Шунан ул үҙе лә аңғармаҫтан кейе­нергә тотондо, аяҡтарына резина итек табып алды, ниндәйҙер ашҡыныу хисе уны ҡайҙалыр ҡыуа ине. Ҡыҙ ауылды сығыу менән асфальт трассанан төштө лә Ҡыҙылбай урманына илтеүсе, әле яңы ғына ҡар аҫтынан сығып килгән батҡаҡлы юлға аяҡ баҫты. Умырзаялар ысынлап та бар ине. Иң матурҙарын бер бәйләм йыйып, Шәһиҙә кире ҡайтты ла тау битләүендә урынлашҡан зыярат­ҡа йүнәлде. Бында ҡояш яҡшы төшкәнлектән, ер парланып кибеп үк килә ине инде. Шәһиҙә сәс­кәләрен ҡәбер өҫтөнә туҙғытып һалып, зәңгәр беретлы һалдат һүрәтенә текәлде. Иҫәнме, Сайран! Бөгөн радио һинең музыкаль сәләмеңде тапшырҙы. Хәтерләйһеңме, һин миңә умырзаялар бүләк иткәйнең, бөгөн килеп – “Умырзая” йыры. Ә мин һиңә нимә бүләк итә алдым һуң? Бер нәмә лә. Бына сәскәләр алып килгән булдым, уныһын да һуңға ҡалып. Их, Сайран, ниңә һин шундай ҡыйыуһыҙ инең икән һуң? Берҙән-бер тапҡыр үпкән булдың... Их, ниңә мин үҙем шул ҡәҙәр ғәмһеҙ булдым?! Бына хәҙер балабыҙ булыр ине бит, һинең төҫөң, йөрәк парәң ҡалыр ине... Ғәфү ит һин мине, Сайран. Мин һине нисек кенә ныҡ яратһам да, барыбер миңә икенсе берәүгә кейәүгә сығырға тура киләсәк. Ә мин тыуасаҡ балама Сайран тип исем ҡушырмын. Ишетәһеңме һин мине, ҡәҙерлем? Ер йөҙөндә барыбер һинең төҫөң дә, исемең дә ҡалыр, сөнки һине яратҡан йөрәк бар. Бел, мөхәббәтте үлем еңә алмай... Ҡыҙ тынып ҡалды, һүҙе өҙөлдө, сөнки ике бите буйлап күҙ йәше аға ине. Ә күктә яп-яҡты ҡояш мул итеп йылыһын өләшә. Гүйә, ул да ғәйебен таный, кәрәк саҡта мин һеҙҙе күп шатландыра алманым, һуңлап булһа ла йылытайым әле, ти кеүек.
"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, республиканың 27 муниципаль берәмегендәге юл фажиғәләре йәһәтенән хәүефле урындарға фотоға һәм видеоға теркәүсе 115 яңы комплекс ҡуйылды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, республиканың юл фажиғәләре йәһәтенән хәүефле урындарға фотоға һәм видеоға теркәүсе 115 яңы комплекс ҡуйылды. Мәғлүм булыуынса, әлегә тиклем 380 ошондай ҡулайлама эшләй башлағайны. Камералар район-ҡалаларҙың автомобиль юлдарында тиҙлек тәртибен боҙоуҙы теркәй. Уларҙың ҡайҙа ҡуйылыуы менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында (http://svkrb.ru/kam/index.html) танышырға мөмкин. Дәүләт килешеүенә ярашлы, “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте 62 муниципаль берәмектәге авария йәһәтенән хәүефле участкаларға 609 камера ҡуясаҡ. Әле шуларҙың 495-е эшләй башланы. 114 комплексты 10 майға тиклем ҡуйыу күҙаллана. Фото: bfmufa.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Башҡортостан мәктәптәрендә һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында һанлы белем биреү мөхите моделен индереү йәһәтенән быйыл 131 миллион һум аҡса бүленә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған «Мәғариф» милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Бындай ярҙамды республикабыҙҙың 63 муниципалитеты аласаҡ. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Иң тәүҙә был турала уның ҡатыны Индира хәбәр иткән булған. Кисә, ниһайәт, ул үҙе аҫҡа төшөп етеп, интернетлы урындан бәйләнешкә сыҡҡан. Рөстәм «Инстаграм»да тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан һәм бик хис-тойғоло видео һалған. «Был видеоны һалырғамы-юҡмы, тип бик оҙаҡ уйландым. Тик дуҫтарым өгөтләп һалдырҙы. Һеҙ Эльбрус тауы түбәһенә артылыуҙың һуңғы метрҙарын күрәһегеҙ. Үҙемдең нескә күңелле булыуым өсөн ғәфү үтенәм, тик мин хис-тойғоларымды, күҙ йәштәремде тыя алманым. Мин быға бик оҙаҡ барҙым – 13 километр һәм 15 сәғәт ҡулдарым менән атланым. Үҙемдең был аҙымым менән бер кемгә лә бер нәмә лә иҫбатламайым. Тик үҙемә генә! Был геройлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ түгел. Тау үренә менеүемде ғаиләмә: ҡатыныма һәм ҡыҙҙарыма арнайым. Бөтәгеҙгә лә ярҙамығыҙ, миңә ышанғанығыҙ өсөн рәхмәт. Ҡалғаны тураһында һуңғараҡ һөйләрмен. Р.S. Әйткәндәй, мине инвалидлыҡ менән Эльбрус башына менеп етә алған тәүге кеше исемен үҙләштергәнмен, тип уйлаған кешеләр өсөн. Диванда ултырып тәнҡитләүселәр, мейегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ, мин бер ҡасан да улай тип әйткәнем булманы. Ундай кешеләр байтаҡ булған, тик минең кеүек үҙаллы, ҠУЛДАРЫНДА быны бер кем дә эшләмәне», – тип яҙҙы ул. Рөстәмдең был яҙмаһы аҫтында бер нисә сәғәт эсендә ун меңләп комментарий йыйылған. Һәр кем уны был батырлығы менән ҡотлап, һоҡланыуын белдергән. Видеояҙмаға килгәндә, уны күптәр тыныс ҡына ҡарай алманы. Көслө рухлы ирҙең күҙ йәштәрен кешеләр көсһөҙлөк тип түгел, ә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ тип ҡабул итте. Ысынлап та, был бейеклеккә күп кенә һап-һау кешеләр менә алмай, ә Рөстәм аяғым юҡ, тип тә тормаған. Афариндан башҡа һүҙ юҡ! Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Теш йыуғанда һыуҙы һүндереп йыуаһыңмы, магазинға экосумка менән бараһыңмы? Шулай икән, «Eco Cup – 2020» Бөтә Рәсәй кейс-чемпионатында ҡатнаша алаһың. Бының өсөн 2-5 кешенән торған фекерҙәшеңде йыйып, түбәндә тәҡдим ителгән темаларҙың береһен тикшерергә кәрәк. 1. Көнкүреш ҡалдыҡтары менән мөғәләмә итеү; 2. Һаҡланған биләмәләрҙә туризмды үҫтереү; 3. Сәнәғәтте тотороҡло үҫтереү. Иң яҡшы авторҙар Мәскәүгә 22-23 апрелдә үтәсәк финалға саҡырыла. Бында улар ҡиммәтле бүләктәр һәм Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының стажировкаһына эләгер өсөн көрәшәсәк. Теркәлеү 21 мартҡа тиклем бара, тулыраҡ мәғлүмәтте кейс-чемпионаттың сайтында www.ecocup20.ru алырға мөмкин. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың авгусындағы ҡарарына ярашлы, төбәгебеҙҙең таулы-урманлы 17 районында янғынға ҡаршы айырым режим индерелде. Билдәле булыуынса, урман янғындарының 90 проценты—кеше ғәйебе менән, 7-8 процент осраҡта ғына йәшен атҡандан сыға. Ағас ҡырҡҡандан һуң ятып ҡалған ботаҡтарға, ҡоро-һарыға, кипкән үләнгә бер бөртөк шырпы төшһә лә, янғын сығып, әллә күпме йәшеллекте юҡ итә. Антропоген янғындарҙың төп сығанаҡтары—кешеләрҙең ял итеү урындары, ауыл, ҡала остары, юл ситтәре, урман ҡырҡыу урындары.Әгәр урман янғыны шаһиты булһағыҙ, ут ялы таралыуға юл ҡуймағыҙ. Үҙ көсөгөҙ менән һүндереү мөмкинлеге булмаһа, һәләкәт тураһында республиканың Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ: 8-800-100-94-00. Шулай уҡ 112, Баймаҡ урмансылығының 3-17-61 һандарын да йы-йырға була. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2017 йылдың авгусындағы ҡарарына ярашлы, төбәгебеҙҙең таулы-урманлы 17 районында янғынға ҡаршы айырым режим индерелде. Билдәле булыуынса, урман янғындарының 90 проценты—кеше ғәйебе менән, 7-8 процент осраҡта ғына йәшен атҡандан сыға. Ағас ҡырҡҡандан һуң ятып ҡалған ботаҡтарға, ҡоро-һарыға, кипкән үләнгә бер бөртөк шырпы төшһә лә, янғын сығып, әллә күпме йәшеллекте юҡ итә. Антропоген янғындарҙың төп сығанаҡтары—кешеләрҙең ял итеү урындары, ауыл, ҡала остары, юл ситтәре, урман ҡырҡыу урындары. Әгәр урман янғыны шаһиты булһағыҙ, ут ялы таралыуға юл ҡуймағыҙ. Үҙ көсөгөҙ менән һүндереү мөмкинлеге булмаһа, һәләкәт тураһында республиканың Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ: 8-800-100-94-00. Шулай уҡ 112, Баймаҡ урмансылығының 3-17-61 һандарын да йы-йырға була. Янғын һүндереү хеҙмәте килгәнсе ағас ботаҡтары менән утты «туҡмап», тупраҡ һибеп һүндерә тороғоҙ. Тәбиғәттең йәшел ҡалҡанын һаҡлау маҡсатында ҡоро, эҫе һәм елле көндө урманда усаҡ яғыу тыйыла. Былай көндәрҙә усаҡты махсус урында, һыу яҡын булған ерҙә, ағастарҙан алыҫыраҡ ерҙә тоҡандарыу рөхсәт ителә. Янғынға ҡаршы режим мәлендә урманда һүнеп бөтмәгән шырпы һәм тәмәке төпсөгөн ташлау, усаҡ яғыу, осҡон һүндергесе һәм яғыулыҡ менән тәьмин итеү системаһы төҙөк булмаған техникала урманға инеү ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ шешә йәки быяла ярсыҡтарын ҡалдырып китергә ярамай. Беҙ артыҡ иғибар итмәгән ошондай ҡалдыҡтар тоҡандырыусы линза ролен үтәүҙәре лә ихтимал. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн физик берәмектәргә—3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә—10-20 мең, юридик берәмектәргә 100-200 мең һум күләмендә штраф һалына. Баймаҡ районы урмансылары айырым режимға етди әҙерләнде. Быйыл 6,3 саҡрым арауыҡта янғынға ҡаршы тәғәйенләнештә юл һөрөргә, 182 саҡрым минераль һыҙаттар, 34 берәмек аншлаг, 11 ял урындарын төҙөкләндерергә иҫәп тоталар.
Ҡотоҡсумған мәмерйәһенә төшөүемде иҫләһәм, әле лә тәндәр зымбырлап китә. Уны мәмерйә-упҡын тип йөрөтәләр һәм ул Рәсәйҙә берәү генә. Бейеклеге 40 ҡатлы йорт самаһы. Тапшырыу төшөргәндә ҡыҙыҡ һәм ҡурҡыныс хәлдәрһеҙ ҙә булманы. Иң иҫтә ҡалғандары: “Эҙәрмән” егеттәре менән Белореттағы Нуҡат мәмерйәһенә төштөк. Әҙ генә барҙы ла, юл бөттө – ҡайҙалыр аҫҡа китә, ә унда шабырлап һыу аға. Бик ҡарағым килгәйне лә, егеттәр ебәрмәне. Ике йыл дан һуң, “Мистик Башҡортостан”ды төшөрә башла ғас, арҡандар, гидрокостюмдар алып, тағы киттек шул урынға, күңелде тынысландырып ҡуйғым килде. Төштөк. Тәпәш кенә булып сыҡты. Һис мин көткәнсә түгел. Оператор мәмерйә ауыҙына яҡыныраҡ торорға ҡуша, ә өҫтән шабырлап һыу аға. Аяҡтарҙы киреп баҫтым да: “Мин төшөп еттем, берәй нәмә күрерлек түгел бында, һыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ!” – тип ҡысҡырам. Ә үҙемдең нисәмә йыл тынғы бирмәгән мәмерйәмә ҡарап көлкөм килә (йылмая). Әммә тапшырыуҙа шул тиклем матур күренде барыһы ла. Ә бына Мәләүез районы милли парк биләмәһендәге Ҡотоҡсумған мәмерйәһенә төшөүемде иҫләһәм, әле лә тәндәр зымбырлап китә. Уны мәмерйә-упҡын тип йөрөтәләр һәм ул Рәсәйҙә берәү генә. Бейеклеге 40 ҡатлы йорт самаһы. Мәмерйә уйымын ашатлап баҫырлыҡ ҡына. Бына ошо бер аҙым ер иң ҡурҡынысы. Аҫта – упҡын. Бер нәмә күренмәй, аяҡ-ҡулдар дер-дер ҡалтырай. Аҙаҡ ошо мәмерйәне асҡан кешеләр менән тағы берҙе төшөргә тура килде ошо упҡынға. Ҡарттарға 74 йәш ине инде. Уларҙы, әлбиттә, “косынка” тип йөрөтөлгән махсус ҡоролмаға ултыртып төшөрҙөләр, улай ҡурҡыныс кисермәгәндәрҙер. Ә миңә бөтә аппаратура, камера, аккумуляторҙарҙы тейәп, үҙемә төшөргә тура килде. Бүтән сара юҡ – тапшырыу эшләргә кәрәк. Бигерәк тә менеүе ауыр булды. Шул мәлдә: “Гүзәл, был һиңә кәрәк инеме?!. Ғүмерең артыҡмы ни шулай?!.” – тип үҙемде әрләп бөткәйнем, сөнки яңылыш ҡына ысҡынып китһәң, һиңә бер нәмә лә ярҙам итмәҫкә мөмкин... Ғөмүмән, Ҡотоҡсумғанға төшөү һәм күтәрелеү бренд һанала. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Минегөл инәй Ғәбитоваға халҡыбыҙҙың боронғо шифалы эсемлеге буҙа яһау бала саҡтан таныш. Әсәһенең буҙа эшләгәнен бәләкәйҙән күреп үҫә ул. Инде олоғайғас, үҙенең дә дәрте барлыҡҡа килә. Бала саҡ хәтирәләренә таянып, Бөрйән яҡтарында буҙаны нисек эшләүҙәрен һорашып ниәтен тормошҡа ашыра. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, буҙаһы телде йоторлоҡ килеп сыға. Татлы эсемлекте эшләү серҙәрен ауылдаштарына ла асҡан. Хәҙер инде аҙнайҙар буҙа эшләү оҫтаһына әүерелеп бара. Этҡолда уҙғарылған ҡатын-ҡыҙҙар советы семинарында улар тамашасыларға буҙа эшләргә өйрәтте, хатта килгән ҡунаҡтарға тәмләтеп тә ҡараны. Буҙа яһау тәртибен Минегөл инәй Ғәбитованан яҙып алдыҡ. - Һауыт алып уға 3 литр һалҡын һыу һалабыҙ. Шуға 500 грамм һоло ярмаһы төшөрәбеҙ (геркулес). 10 минут тирәһе ул ебеп ултырып тора. Аҙаҡ бер сәғәт буйы талғын утта ғына ҡайнатабыҙ. Төбө көймәһен өсөн әленән-әле бутап торорға кәрәк. Аҙаҡ иләк аша һөҙәбеҙ. Һөҙөлгән ҡатнашмаға 100 грамм аҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушабыҙ, тағы ла 1 стакан шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә һыуытырға ултыртабыҙ. Йылымыс хәлгә еткәс, ойотҡо һалабыҙ. Тәүҙә әсетке урынына ҡымыҙ ҡулланырға мөмкин. 1 стакан ҡымыҙҙы һалып, урап йылы урынға ҡуябыҙ. Бер тәүлек тигәндә эсемлек әҙер була. Уны һалҡын урынға һаҡларға ҡуйырға кәрәк. Һәр хужабикәнең аш-һыуы үҙенсә килеп сыҡһа ла, Минегөл инәй кеүек уңған булһағыҙ, буҙағыҙ, һис шикһеҙ, телде йоторлоҡ булыр! Фото: автор. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Дәүләт башлығы Владимир Путин министрҙар алдында тотҡан телмәрендә бюрократия күренештәренә кәртә ҡуйыу йәһәтенән ыңғай үҙгәрештәр көтөүе тураһында белдерҙе. Президент әле төрлө административ ғәмәлдәрҙе ҡулайлаштырыу буйынса эш алып барылыуы тураһында яҡшы хәбәрҙар, был саралар артабанғы һөҙөмтәле эшкә булышлыҡ итер, тигән ышаныста. Шул уҡ ваҡытта, уның фекеренсә, үҙгәрештәрҙә ил граждандары ҡатнашырға тейеш. “Ҡыҫҡаһы, хөрмәтле коллегалар, һеҙҙән бөтә йүнәлештәрҙә бюрократия күренештәренән ҡотлоу буйынса ысын алға китеш көтәм, сөнки был граждандар яғынан күрһәтелгән ышаныстың нигеҙен тәшкил итә”, – тине Владимир Владимирович. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, күрелгән саралар һөҙөмтәһендә милли проекттар буйынса эш сифаты ла яҡшырасаҡ, уларҙы тормошҡа ашырыу йылдамлығы ла артасаҡ. #ВладимирПутин Фото: tsargrad.tv Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Муниципаль районы башлығы Азамат Абдрахманов белдереүенсә, технопаркта 5 йүнәлеш ҡаралған: робототехника, IT-технологиялар, авиамоделләү, хайтек-цех һәм биохимия технологиялары. Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр көтә – элекке 21-се һөнәри училищеның бинаһына ремонт яһалғас, технопарк шунда күсереләсәк. - Төбәктә балалар техник ижадына ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йылда ете технопарк асылһа, быйыл – өс. Ишембайҙарҙы улар рәтендә булыуы менән ихлас ҡотлайым, - тине Республика балалар белем биреү технопаркының етәксеһе Оксана Сергеева. Фото: автор. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Өфөлә күренекле башҡорт шағиры, сатирик, журналист һәм тәржемәсе Риф Мифтахов 81-се йәшендә вафат булды. Риф Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ишембай районының почетлы гражданы. 1968-1974 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, «Совет Башҡортостаны» республика гәзитенең махсус хәбәрсеһе. Мәҙәниәт министрлығы системаһында, БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында, «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдарында эшләй. «Өскөл хаттар», «Тормош ағасы», «Уртаҡлашыр серҙәр», «Ябай мөғжизә», «Батыр егет ил күрке» һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтар авторы. Риф Мифтахов талантлы тәржемәсе булараҡ та билдәле. Ул Александр Блок, Евгений Евтушенко, Михаил Исаковский, Михаил Львов һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте. Уның байтаҡ әҫәрҙәре "Пионер" ("Аманат") журналында ла баҫылды. Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Бисмил-лаһир-рахмәнир-рахим.Беҙҙең башҡорт халҡында борондан ҡалған ырым-ышаныуҙар күп: «шишәмбе – ҡоро көн, юлға сығырға, ҙур эш башларға ярамай», «йома – изге көн, ул көндө кер, иҙән йыуырға, бысраҡ һыу түгергә ярамай», «шишәмбе, шәмбе көндәре күлдәк киҫергә, тырнаҡ алырға, кер йыуырға ярамай» һ.б. Ҡайҙан килә һуң был тыйыуҙар? Әлбиттә, күп ырымдар әлмисаҡтан, тормош тәжрибәһе аша һынау үтеп, ата-бабаларыбыҙ тарафынан быуындан-быуынға тапшырылған. Шулай уҡ, ислам дине аша килеп ингән ышаныуҙар ҙа бар. Дағстан әүлиәһе Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең китабында көндәргә бәйле ышаныуҙар тураһында түбәндәгесә риүәйәттәр яҙылған. Бисмил-лаһир-рахмәнир-рахим. Беҙҙең башҡорт халҡында борондан ҡалған ырым-ышаныуҙар күп: «шишәмбе – ҡоро көн, юлға сығырға, ҙур эш башларға ярамай», «йома – изге көн, ул көндө кер, иҙән йыуырға, бысраҡ һыу түгергә ярамай», «шишәмбе, шәмбе көндәре күлдәк киҫергә, тырнаҡ алырға, кер йыуырға ярамай» һ.б. Ҡайҙан килә һуң был тыйыуҙар? Әлбиттә, күп ырымдар әлмисаҡтан, тормош тәжрибәһе аша һынау үтеп, ата-бабаларыбыҙ тарафынан быуындан-быуынға тапшырылған. Шулай уҡ, ислам дине аша килеп ингән ышаныуҙар ҙа бар. Дағстан әүлиәһе Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең китабында көндәргә бәйле ышаныуҙар тураһында түбәндәгесә риүәйәттәр яҙылған. Шәмбе. Мөхәммәт пәйғәмбәр саллалаһу-ғәләйһис-әссәләмдән шәмбе көнө тураһында һорағас, ул: «Шәмбе – алдыҡ көнө», – тигән. Сөнки ҡорайыштар был көндө, пәйғәмбәребеҙгә ҡаршы фетнә ҡороп, йыйылышып кәңәшләшкәндәр. Шәмбе, йәкшәмбе һәм шишәмбе әйбер бесергә кәңәш ителмәй. Йәкшәмбе. Рәсүлебеҙҙән йәкшәмбе көнө хаҡында һорағандар. Ул: «Йәкшәмбе ағас ултырта, өй һала торған көн», – тигән. Йәкшәмбе Аллаһ Тәғәлә был донъяны барлыҡҡа килтергән. Ҡайһы бер ҡараш буйынса, был көндө ожмах пәйҙә ителгән һәм ағас ултыртылған. Дүшәмбе. Пәйғәмбәрҙән дүшәмбе хаҡында һорағандар. Ул: «Был сәйәхәт итеү һәм һатыу, алыш-биреш көнө», – тигән. Шөғәйеп пәйғәмбәр дүшәмбелә юлға сыҡҡан һәм был көндө сауҙаһынан уңышлы табыш алған. Шишәмбе. Пәйғәмбәрҙән шишәмбе хаҡында һорағандар. Пәйғәмбәр: «Был ҡан көнө, ҡан ҡойош», – тигән. Был көндө әсәбеҙ Һауа раҙыйаллаһу ғәнһүнең беренсе тапҡыр күреме килә башлай, Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабил Һабилде үлтерә, пәйғәмбәрҙәр Джарджис, Зәкәрийә һәм уның улы Яхъяның йәне ҡыйылған. Шишәмбелә Фирғәүен, Муса пәйғәмбәрҙе, пәйғәмбәр тип ҡабул иткәндәре һәм иман килтергәндәре өсөн, үҙенең сихырсыларын һәм ҡатыны Асияны язалай. Рәсүлебеҙ шишәмбелә ҡан сығарыуҙы, хиджама эшләүҙе тыйған. Сөнки, был көндө бер ваҡыт арауығы бар, шул мәл ҡан сығарыу менән тап килһә, ул ағыуынан туҡтамай, һәм кешенең үлеүе ихтимал, тигән пәйғәмбәребеҙ. Шишәмбелә Аллаһ Тәғәлә тамуҡты барлыҡҡа килтергән. Ул Ғазраил фәрештәгә, кешеләрҙең йәндәрен алыусы һин булырһың, тигән. Шишәмбелә ожмахтан Иблесте ҡыуып сығарған. Был көндө Әйүп пәйғәмбәр бәләгә тарыған. Икенсе фараз буйынса, ул шаршамбыла булған. Шаршамбы. Пәйғәмбәрҙән шаршамбы тураһында һорағандар. Ул: «Был көндә бәхетһеҙлектәр була», – тигән. Шаршамбыла ғәскәре менән Фирғәүен диңгеҙгә батырыла, Сәлих пәйғәмбәрҙең халыҡтары юҡҡа сығарыла. Шаршамбыла тырнаҡ ҡырҡырға ҡушылмай. Проказа ауырыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал, тиелгән. Ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, был көндө ауырыуҙар янына барырға бик кәңәш ителмәй. Шаршамбыла өйлә менән икенде араһында ҡылынған доға мотлаҡ бойомға аша. Был ваҡытта пәйғәмбәребеҙҙең үҙе менән һуғышырға йыйынған ҡәүемдәргә ҡаршы ҡылған доғаһы ҡабул булған. Тағы ла шулай тиелгән: был көндә башланған эш мотлаҡ аҙағына етәсәк, эшләнеп бөтәсәк. Шуға ла, шаршамбыла фәндәр өйрәнеү, яңы китап башлау кәңәш ителә. Кесаҙна. Пәйғәмбәрҙән кесаҙна тураһында һорағандар. Ул: «Был көндә йомоштар үтәлә, түрә-башлыҡтарға йомош менән барыу өсөн уңайлы», – тигән. Кесаҙнала Ибраһим пәйғәмбәр Мысыр батшаһына бара һәм теләгенә ирешә. Был көндө батша уға Хәжәрҙе бүләк итә – Исмәғил пәйғәмбәрҙең буласаҡ әсәһен. Йома. Рәсүлебеҙҙән йома көнө хаҡында һорағандар. «Йома – ул никахлашыу көнө», – тигән Ул. Был көн Әҙәм менән Һауа, Йософ менән Зөләйха, Муса менән Шөғәйеп пәй­ғәмбәрҙең ҡыҙы, Сөләймән менән Балхис никахлашҡан. Мөхәммәт саллаллаһу-ғәләйһис-сәләмдең дә Хәҙисә һәм Ғәйшә ҡатындары менән никахы йома көн булған. Никахты йомала үткәреү хәйерле, ә туйҙы теләһә ниндәй ваҡытҡа ла билдәләргә мөмкин. Ибн Ғәббәс: «Кем йома көн тырнаҡ киҫә, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәненән ауырыуын сығара һәм уға шифа бирә», – тигән. Йома – ете көндөң әфәндеһе, мосолмандарҙың байрам көнө. Ғөмүмән, мосолман өсөн, аҙнаның ниндәй көнө булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙе гонаһ ҡылған, үҙен насар тотҡан көн – «бәрәкәтһеҙ, бәхетһеҙ», ә үҙен яҡшы тотҡан, гонаһ ҡылмаған көн уның өсөн – «яҡшы». Һәр көндө Раббыбыҙ үҙе бар иткән. Улар нисек килеүенә ҡарамаҫтан, риза ҡалырға кәрәк, кире осраҡта, Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡанынан ҡәнәғәт булмаған һымаҡ ҡабул ителә. Ул: «Ниәтенә күрә бәрәкәтен бирермен», – тигән. Шуға ла, бары тик яҡшылыҡҡа ғына ниәт итеп, үҙебеҙҙе, эштәребеҙҙе ихлас Раббыбыҙға тапшырһаҡ, Уға ғына һыйынһаҡ, һәр ваҡыт зекер ҡылып йөрөһәк, көндәребеҙ матур, бәрәкәтле үтер, ин шә Аллаһ. Фәнирә Ғайсина. Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең «Тәнбих әл-әүәм илә дәғүәт әл-Ҡөрьән» китабы һәм интернет селтәре файҙаланылды. Фотосығанаҡ: https://yandex.ru/search/?clid=2186621&text=%D0%BA%D0%B0%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B4%D0%B0%D1%80%D1%8C&lr=20673&redircnt=1600065726.1
Телевидение һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары аша Миңлеғәфүр Зәйнетдинов атлы ир уҙаманын күптәрегеҙ белә. Башҡорт дәүләт филормонияһының “Риүәйәт” фольклор төркөмөндә эшләп, өс бала атаһы булыуына ҡарамаҫтан, ул халыҡ-ара, төбәк фестивалдәрҙә лә ҡатнашып, лауреат исемдәре алып ҡайта, “ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы. Цивилизациялар диалогы” ижади маршруты менән эштәр башҡара, Парижда ла була. Башҡортостаныбыҙҙың әле бер, әле икенсе төбәгендә ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, халыҡ араһында талантлы ҡумыҙсылар үҫтерә. - Салауат ҡалаһына килеп беҙгә лә, ағинәйҙәргә, ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен төшөндөрөгөҙ әле, - тип һораным шылтыратып Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан, беҙҙең яҡҡа бер ҙә юлы төшөрҙәй булмағас. Итәғәтле, тырыш, илем, хал-ҡым, тип янып-көйөп йөрөгән, башҡорт моңон, башҡорт данын донъя кимәлендә танытҡан мәш-һүр талант эйәһе үтенесемде кире ҡаҡманы. Республиканың “Ғаилә йылы”на арналған “Өлгө ал” конкурсында Гран-приға лайыҡ булып, бүләккә алған “тимер ат”ына атланып килеп тә төштө. Салауат халҡын яҡын күрә ул: бер түгел ике китапханала ҡумыҙ серҙәрен өйрәтте. Ҡумыҙ-ҙарҙың һәр төрлөһөндә уйнап күрһәтте. Ҡош тауыштарын, йәнлек ауаздарын да ишеттерҙе. Иҫтәлеккә көйҙәре тупланған “Яңғыра, ҡумыҙ” дискын бүләк итте. Ҡайҙарҙа кемдәр менән осрашҡандарын теркәп барған ҡалын дәфтәренә рәхмәттәр яҙып, изге юлдар теләп йылы хушлаштыҡ. Беҙ, ағинәйҙәр, бер иш ауазлы ҡумыҙҙар һатып алып, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралында уйнау серҙәренә ныҡлап төшөнөргә тырышабыҙ. Хәҙер беҙҙең сафтар тығыҙайҙы, ҡалабыҙҙа талантлы, ихлас ханымдар күп икән. Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөн Туған тел көнөнә арнаныҡ. “Сатҡылар” түңәрәге ағзалары, Юлдаш ауылы ағинәйҙәре менән берлектә Р.Ғарипов, М.Кәрим, Р.Бикбаев һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыныҡ. Флүрә апай Хәзиева һөйләгән шиғырҙар барыбыҙға ла хуш килде. Рәйсә апай Иҙрисова башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Телде өйрәнеү, һаҡлап ҡалыу мәсьәлә-ләрен дә күтәрҙек. 2018 йылдың 26 октябрендә Президент Владимир Путин Рәсәйҙә “Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу” тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Ул нисек ғәмәлгә ашырыла икән, тип тә фекер алыштыҡ. Ҡарарҙар яҙылыр, бойо-роҡтар бирелер, ә шулай ҙа беҙгә үҙебеҙгә, һәр милләт вәкиленә, телебеҙҙең сафлығын, милләтебеҙҙең аҡлығын һаҡ-лап ҡалып, балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, бүлә-бүләсәләребеҙгә мираҫ итеп ҡалдырыу зарур, тип һөйләштек.
Әкиәт батырылай ҡыйыу булып танылыу өсөн көн һайын йыһанды ҡотҡарыуға ташланырға кәрәкмәй, бары тик эргәбеҙҙә йәшәгән һәм мохтаж кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу ҙа етә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан беҙ кешеләргә эскерһеҙ ярҙам иткән өс кешене таптыҡ һәм үҙ тарихы менән уртаҡлашыуын һораныҡ. Спецназ ветераны балаларҙы бушлай ҡул һуғышы серҙәренә төшөндөрә Евгений Левин – 15 йыл Эске эштәр министрлығының махсус йүнәлештәге отрядында хеҙмәт иттем һәм бер нисә йыл элек майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡтым. Шул саҡта уҡ өйҙә ултырып сыҙамаясағымды аңланым һәм балалар менән эшләргә ҡарар иттем. Балаларҙы ныҡ яратам, улар менән аралашыу күңелгә рәхәтлек бирә. Мин ысынлап та уларҙы күп нәмәгә өйрәтә, үҙ тәжрибәм менән уртаҡлаша алам. Дуҫым, хәрби хәрәкәттәр ветераны Эдуард Ғабдрахманов менән бергә Өфөнөң Ленин районындағы «Ал елкәндәр» йәштәр клубтары берләшмәһе янында «Булат» тип аталған хәрби-патриотик клуб астыҡ. Унда балаларҙы ҡул һуғышы нескәлектәренә өйрәтәбеҙ. Күнекмәләр тулыһынса бушлай. Әлеге ваҡытта яҡынса 60 бала йөрөй, шуларҙың һигеҙе – ҡыҙҙар. Миндә шөғөлләнгән балаларҙың яҙмыштары төрлө: кемеһенеңдер – атаһы, икенсеһенең – әсәһе, өсөнсөләренең өлгө алырлыҡ кешеһе юҡ. Был тормошта артыҡ рәхәтлек күрмәгән үҫмерҙәр нисек итеп яҡшы кешеләр булып үҫһен? Күнекмәләр ваҡытында улар күп нәмәгә, иң мөһиме – иптәштәре менән бер команда булып эшләргә өйрәнә. Был улар өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Тәрбиәләнеүселәрем яҡшы кешеләр булып үҫер, тип ышанам. Эйе, барыһы ла әрме хеҙмәтенә лә бармаҫ, хәрби булып та китмәҫ, әммә ысын кеше булһалар – был үҙе үк ҙур ҡаҙаныш. Беҙҙә тәртип ҡаты, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Дәрестәргә бер кем дә һуңламай. Балаларҙың уҡытыусылары менән дә бәйләнеш тотам, кемдең нисек уҡыуын белешеп торам. Улар миңә хатта көндәлектәге баһаларын күрһәтә. Беҙҙә ҡағиҙә шулай: әгәр мәктәптә өлгәшең насар икән, клубҡа йөрөй алмайһың. Мәктәп уҡыусыһы юғалған балаларҙы һәм ололарҙы эҙләүҙә ярҙам итә Руслан Хәбиров – Миңә 17 йәш, туғыҙынсы класта уҡыйым һәм дүрт йылдан ашыу «Балаларҙы эҙләү – Өфө» төркөмөндә Иглин һәм Нуриман райондарында юғалған кешеләрҙе табышыуҙа ярҙам итәм. Элегерәк юғалыусылар хаҡында социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт таратыу, урамда иғландар йәбештереү менән шөғөлләнә инем, 2018 йылдан координатор булып киттем һәм хәҙер үҙем төркөм йыйып, эҙләү ойошторам. Беҙгә йыш ҡына ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, юғалған кешеләрҙең туғандары мөрәжәғәт итә. Былтыр мин Өфөлә үткән «Йыл ирекмәне – 2019» конкурсында ҡатнаштым һәм баш ҡаланың «Иң яҡшы ирекмән-эҙәрмәне» булып танылдым. Башҡарған эшеңде баһалауҙары – үҙе ҙур шатлыҡ. Ике йыл элек йөрәгемә ҡатмарлы операция яһанылар. Ул түләүле булды һәм кәрәкле сумма башлыса мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән йыйылды. Сәләмәтлегемә бәйле борсолоуҙар артта ҡалды, ә башҡаларға ярҙам итеү теләге нығынды ғына. Урам музыканты балалар йорто өсөн һигеҙ тоҡ уйынсыҡлыҡ аҡса йыйған Юрий Иванов – Мин Бөрө ҡалаһындағы балалар йортонда үҫтем, әсәйҙе тәрбиәсем Клавдия Ивановна алмаштырҙы. Беҙҙе бик ҡәтғи шарттарҙа тәрбиәләнеләр. Үҙебеҙҙең хужалығыбыҙ булды, унда картуф сәстек, утын быстыҡ һәм ярҙыҡ, ҡул эштәренә өйрәндек. Һөҙөмтәлә яҡшы кешеләр булып үҫтек! Бының өсөн тәрбиәселәребеҙгә мәңге рәхмәтлебеҙ. Бер мәл Яңы йыл байрамы алдынан күрше хәрби частан курсанттар килде. Уларҙың береһе миңә бер ҡап ҡәләм бүләк итте. Ошо ваҡиға ғүмерлеккә хәтеремдә уйылып ҡалды. 2017 йылда «Фәрештә – Юл япрағы» фондының ирекмәне булып киттем һәм балалар йорттары, интернаттар буйлап концерт менән йөрөй башланым. Һуғыш йылдары йырҙарын, төрлө фильмдарҙағы көйҙәрҙе, билдәле йыр-моңдарҙы башҡарам. Һәр концерт программаһына мотлаҡ балалар йортонда саҡта өйрәнгән мексика бейеүе индерелә. Бөтә республиканы йөрөп сыҡтым, тип әйтергә мөмкин инде. Бер ваҡытта ла буш ҡул менән бармайым. Күстәнәс һәм бүләктәргә баянда уйнап аҡса туплайым. Мине күптәр күргәне барҙыр: ғәҙәттә, Черниковка биҫтәһендәге «Тирәктәр» сауҙа үҙәге янында төшкө өстән киске алтыға тиклем уйнайым. Көнөнә ике-өс мең һум аҡса эшләйем. Ул аҡсаға магазиндан кәнфиттәр, уйынсыҡтар һатып алам. Балаларға аккумулятор ярҙамында эшләгән самокат һатып алғым килә, әммә уның хаҡы ҡиммәт – 30 мең һум самаһы, ул аҡсаны бик оҙаҡ йыйырға тура киләсәк. Минең өсөн концерттан һуң балаларҙың эргәмә килеп һырып алыуынан, ҡосаҡлауынан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
7 майҙа Владимир Путиндың Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итеү тантанаһы уҙҙы. Сара Ҙур Кремль һарайының Андреевский залына тантаналы рәүештә Рәсәйҙең Дәүләт флагын, Президент штандартын, Рәсәй Конституцияһын һәм Рәсәй Президенты билдәһен индереүҙән башланды. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 82-се статьяһына ярашлы, Владимир Путин Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Рәсәйҙең Конституция Суды судьялары алдында Рәсәй халҡына ант бирҙе. Конституция суды рәйесе Валерий Зорькин Владимир Путиндың Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын ҡабул итеүе тураһында иғлан итте. Тантанала хөкүмәт ағзалары, Дума һәм Федерация Советы депутаттары, президент хакимиәте етәкселәре, Конституция суды судьялары, дипломатик корпус ҡатнашты. Сараға Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та саҡырылғайны. Был — Путиндың дәүләт башлығы вазифаһында дүртенсе мөҙҙәте. Уның тәүге ике мөҙҙәте дүртәр йыл дауам итте, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индергәндән һуң дәүләт башлығы мандаты алты йылға тиклем оҙайтылды. Путин беренсе алты йыллыҡ мөҙҙәтен 2012 йылда ҡабул итте, уның яңы вәкәләттәр ваҡыты 2024 йылдың 7 майында тамамлана. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Коронавирус һаман үҙ ҡаршылыҡтарын күрһәтеп, һис тә сигенергә теләмәй. Ошо мәкерле сир арҡаһында мәктәптәрҙә каникулдар ҙа башҡа йылдарға ҡарағанда оҙағыраҡҡа һуҙылды. Үткән аҙнала балалар көҙгө каникулдан мәктәпкә килеүҙәренә бөтә кластарға, коридорҙарға, ашханаларға, кейенеү-сисенеү бүлмәләренә, спорт залдарына ветеринария хеҙмәткәрҙәре тарафынан дезинфекция үткәрелде. Коронавирус һаман үҙ ҡаршылыҡтарын күрһәтеп, һис тә сигенергә теләмәй. Ошо мәкерле сир арҡаһында мәктәптәрҙә каникулдар ҙа башҡа йылдарға ҡарағанда оҙағыраҡҡа һуҙылды. Үткән аҙнала балалар көҙгө каникулдан мәктәпкә килеүҙәренә бөтә кластарға, коридорҙарға, ашханаларға, кейенеү-сисенеү бүлмәләренә, спорт залдарына ветеринария хеҙмәткәрҙәре тарафынан дезинфекция үткәрелде. Был яуаплы һәм ҡатмарлы эш ветеринар фельдшер Илдар Ишбулдин менән санитар-водитель Азамат Вәлиевҡа йөкмәтелгән. Улар зарарһыҙландырыусы эштәр башҡарғанда махсус кейемдәр кейә, дүртенсе хәүефһеҙлек класына ҡараған “Авирбак” иретмәһе файҙаланыла. Һиптереү процедураһынан һуң санитар таҙартыу үткәрелеп, бөтә бүлмәләр ҙә елләтелә. Инструкцияға ярашлы зарарһыҙландырыу үткәргәндән һуң ике сәғәт үткәс бүлмәгә кешеләргә керергә ярай. Йома көндө Курорт, Красноусолдағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында, 1-се, 2-се, 3-сө һанлы урта мәктәптәрҙә дезинфекция үткәрһәләр, ял көндәрендә башҡа ауыл мәктәптәрендә был эште башҡарыу менән мәшғүл булғандар. - Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ойошма һәм предприятиеларҙа дезинфекция үткәрә. Был сараға районда эпидемиологик хәл иғлан ителгәс тә тотонғайныҡ. Биләмәләрҙә был эштә туранан-тура беҙҙең ветеринар участка эшселәре ҡатнаша. Һәр кем үҙенә ҡушылған эште еренә еткереп башҡарырға тырыша. Һәр беребеҙ был вирустың тиҙерәк юҡҡа сығыуын теләй бит, шуға ла дезинфекция үткәреү мөһим эштәрҙең береһе булып торалыр тип уйлайбыҙ. Күптән түгел Татарстанда “ҡош киҙеүе” асыҡланыуға бәйле, был сиргә ҡаршы тороу мәсьәләһе лә киҫкен тора. Халыҡ кәрәкле профилактика саралары күреп, бөтә ҡаршылыҡтарға әҙер торһондар ине, - ти ветеринария хеҙмәте начальнигы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов. Дүшәмбенән мәктәптәрҙә башланғыс һәм 11-се кластар көҙгө каникулдан һуң уҡый башланылар ҙа инде. Шомландырып торған хәүефле сиргә ҡаршы мәктәптәр эшкәртелгән, тик шулай ҙа һаҡланыу сараларын етди үтәргә кәрәк. Балаларға һәм мәктәп коллективтарына икенсе сиректе бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, уңышлы йырып сығырға булһын. Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә сыҡҡан Илдар Мөхәмәтһаҙый улы менән Азамат Зәкәриә улына ныҡлы һаулыҡ теләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Барыбыҙға ла һау-сәләмәт булырға яҙһын. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ 57 ЙЫЛ ЮҒАРЫ КВАЛИФИКАЦИЯЛЫ БЕЛГЕСТӘР ӘҘЕРЛӘЙ. УҠЫТЫУСЫ ҺӨНӘРЕ, ЗАМАНАЛАР ҮҘГӘРЕҮЕНӘ ҠАРАМАЙ, АКТУАЛЛЕГЕН ЮҒАЛТМАЙСА, ХЕҘМӘТ БАҘАРЫНДА ИҢ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ БУЛЫП ТОРА. БӨГӨНГӨ КӨНДӘ БАШЛАНҒЫС КЛАСТАР УҠЫТЫУ ҺӘМ МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА БЕЛЕМ БИРЕҮ—ТАП ХӘҘЕРГЕ ЗАМАН ТАЛАП ИТКӘН ҺӨНӘРҘӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ. ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘ ИНТЕРНЕТҺЫҘ, ЗАМАНА ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ҠУЛЛАНМАЙСА ЛА ЙӘШӘП БУЛМАЙ. ШУҒА КҮРӘ УҠЫУ ЙОРТОНДА ТЕХНИК ПРОГРАММИСТАР ӘҘЕРЛӘҮҘӘ ЛӘ ЕТДИ ЭШ АЛЫП БАРЫЛА. БЫЙЫЛҒЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНДА ИНДЕРЕЛГӘН ЯҢЫЛЫҠТАР МЕНӘН СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ ДИРЕКТОРЫ ИЛДАР СӘЛИХЙӘН УЛЫ ХӘМИТОВ ТАНЫШТЫРҘЫ СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ 57 ЙЫЛ ЮҒАРЫ КВАЛИФИКАЦИЯЛЫ БЕЛГЕСТӘР ӘҘЕРЛӘЙ. УҠЫТЫУСЫ ҺӨНӘРЕ, ЗАМАНАЛАР ҮҘГӘРЕҮЕНӘ ҠАРАМАЙ, АКТУАЛЛЕГЕН ЮҒАЛТМАЙСА, ХЕҘМӘТ БАҘАРЫНДА ИҢ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ БУЛЫП ТОРА. БӨГӨНГӨ КӨНДӘ БАШЛАНҒЫС КЛАСТАР УҠЫТЫУ ҺӘМ МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҒА БЕЛЕМ БИРЕҮ—ТАП ХӘҘЕРГЕ ЗАМАН ТАЛАП ИТКӘН ҺӨНӘРҘӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ. ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘ ИНТЕРНЕТҺЫҘ, ЗАМАНА ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫН ҠУЛЛАНМАЙСА ЛА ЙӘШӘП БУЛМАЙ. ШУҒА КҮРӘ УҠЫУ ЙОРТОНДА ТЕХНИК ПРОГРАММИСТАР ӘҘЕРЛӘҮҘӘ ЛӘ ЕТДИ ЭШ АЛЫП БАРЫЛА. БЫЙЫЛҒЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНДА ИНДЕРЕЛГӘН ЯҢЫЛЫҠТАР МЕНӘН СИБАЙ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ ДИРЕКТОРЫ ИЛДАР СӘЛИХЙӘН УЛЫ ХӘМИТОВ ТАНЫШТЫРҘЫ —Колледжда 18 июндән абитуриенттарҙы ҡабул итеү кампанияһы үҙ эшен башланы. Быйыл документтарҙы тик дистанцион рәүештә электрон адресҡа йә почта бүлексәләре аша ебәрергә була. Улар 25 августҡа тиклем ҡабул ителә. Уҡырға инеү өсөн берҙәм дәүләт имтиханы һәм төп дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре ҡаралмай, аттестаттағы уртаса балға ҡарап, конкурс буйынса һайлап алыу үткәреләсәк. Киләһе уҡыу йылына Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү, Башланғыс кластарға белем биреү, Ғәмәли информатика, Физик культура бүлектәренә бюджет урындарына ҡабул итәбеҙ. Ә инде Өҫтәлмә белем биреү педагогикаһы һәм Музыкаль белем биреү (мәктәптәрҙә музыканан белем биреү) бүлектәренә инеү түләүле. Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған студенттар бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай, тормошта күбеһе һайлаған һөнәре буйынса эшләп, юғары дәрәжәләргә өлгәшә. Теоретик белемдәрен практикала еңел ҡулланырға өйрәтеү маҡсатында студенттарға даими рәүештә уҡыу-производство практикаһы уҙғарыла. Шуныһы ҡыуаныслы: студенттарыбыҙ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында практика үткән саҡта уҡ үҙҙәрен белемле һөнәр эйәләре итеп күрһәтә ала һәм күбеһе шунда уҡ эшкә тороп ҡала. Һанап китһәң студенттарыбыҙ Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә үҙ һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй. Шуға күрә хеҙмәт баҙарына юғары квалификациялы белгестәр әҙерләп сығарған уҡытыусылар составы менән ғорурланам, уларҙың хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ. Педагогтарҙың барыһы ла студенттарға төплө белем биреүҙә инновацион мәғариф технологияларын файҙалана, үҙҙәренең педагогик методикаларын эшләп сығара. Коллективыбыҙҙың төп маҡсаты—уҡыу йортонан белемле, намыҫлы белгестәр сығарыу. Шуның өсөн дә замана менән бергә атлап, белем биреү сифатын яҡшырытыу өҫтөндә ҙур эштәр башҡарыла. ЯТАҠ ТОРМОШО—КҮҢЕЛЛЕ Яңы ғына ата-әсә ҡурсалауынан сыҡҡан балалар үҙ аллы тормошҡа тап бында өйрәнә. Уҡыу йортоноң дөйөм ятағы 360 урынға иҫәпләнгән. Бында студенттар өсөн бөтә уңайлыҡтары булған ял итеү, аш-һыу бүлмәләре, тамаша һәм тренажер залдары, кер киптереү һәм үтекләү өсөн урындар бар. Дәрестәргә әҙерләнеү, эҙләнеүҙәр алып барыу өсөн ятаҡта ҙур китапхана булыуы ла бик уңайлы. Бында шулай уҡ интернет менән ҡулланыу мөмкинлеге булдырылды. Йыл дауамында ятаҡта йәшәүселәр өсөн үткәрелгән бар саралар студенттарҙың коммуникатив һәләттәрен үҫтереүгә, йәмғиәттә шәхес булараҡ формалашырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Тимәк, дөйөм ятаҡта студенттар ял ваҡыттарын бушҡа уҙғармай, күңелдәренә ятҡан шөғөл менән мауыға. Төрлө спорт секцияларына йөрөйҙәр, теләүселәр “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Студенттар Советы тарафынан даими рәүештә ятаҡта таҙалыҡ һәм тәртип булһын өсөн “Иң матур бүлмә”, “Иң таҙа бүлмә” кеүек бик күп конкурстар уҙғарыла, еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла. Был студенттарҙа үҙҙәре йәшәгән урынға яуаплылыҡ тойғоһо уята, бер бүлмәлә йәшәүселәрҙә берҙәмлек сифаттары үҫтереүгә булышлыҡ итә. ЯЛ ИТӘЛӘР, ТӘЖРИБӘ ТУПЛАЙҘАР Уҡыу йорто студенттарҙың ялын ойошороуға ла ҙур иғтибар бүлә. Улар өсөн йылына бер нисә тапҡыр “Урал аръяғы» шифаханаһында, “Яҡтыкүл”дә, “Ҡайынҡай”ҙа, “Шифа»ла әүҙем ял ойошторола. Бынан тыш, студенттар балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында вожатый булып эшләү хоҡуғына эйә. Әйткәндәй, Сибай педагогия колледжы—беҙҙең төбәктә вожатыйҙар курсын ойоштороусы берҙән-бер уҡыу йорто. Бында студенттар теоретик белем генә алып ҡалмай, төплө практик дәрестәрҙә балалар менән дөрөҫ аралашырға, уларҙы бер төркөмгә берләштерергә, уйын һәм конкурстарға ылыҡтыра белергә, төрлө саралар уҙғарыуға сценарийҙар төҙөргә өйрәнә. Быйылғы уҡыу йылында 90-ға яҡын өсөнсө курс студенттары был курсты тамамлап, танытма алған. Улар республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы балалар һауыҡтырыу лагерҙарында ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә эшләйәсәк. СТУДЕНТТАР КОНКУРСТАРҘА ҺЫНАТМАЙ Сибай педагогия колледжы студенттары уҡыуҙан тыш, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, ҡала йәмәғәт берекмәләре үткәргән сараларҙа, республика конкурстарында һәм чемпионаттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Уҡыу йортонда студенттар үҙидараһы уңышлы эшләй, Сибай ҡалаһы йәштәр парламенты вәкилдәре лә улар. “Беҙҙең менән бергә йәшә” ирекмәндәр хәрәкәтенә ингән студенттар танытма алып, төбәктең ирекмәндәр клубында эшләү хоҡуғына эйә. Быйылғы уҡыу йылында WorldSkills Russia чемпионатында “Физик культура, спорт һәм фитнес” компетенцияһында ҡатнашып, 3-cө курс студенты Зарина Исламова Төбәк һайлап алыу турында бронза миҙал яулаһа, һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһында Александра Половнева 2-се урын алыуы студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың тырышлыҡтарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлай.
Был турала Хөкүмәт Президиумы ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Әле республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын бүлеп йыйыу йыйыуға 30-лап муниципалитет - төбәк халҡының 40 проценты йәлеп ителгән. Йыл аҙағына был күрһәткесте 70 процентҡа еткереү күҙаллана. Ауыл ерендә контейнер майҙансыҡтарына селтәрле контейнерҙар, ҡалаларҙа - ҡағыҙ, быяла, пластик һәм сорттарға бүленмәгән ҡалдыҡтар өсөн айырым бактар ҡуйыласаҡ. Эште яйға һылу өсөн күп ҡатлы йорттарҙа сүпүткәрәгестәрҙе ябыу, киләсәкт яңы йорттар төҙөгәндә уларҙы бөтөнләй проектҡа индермәү ҡарала. Автор:Гөлдәриә Йосопова. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Республикабыҙҙа икенсе йыл рәттән ойошторолған “Йөрәк һүҙе” проектының даны тарала, офоҡтары киңәйгәндән-киңәйә. Уны ҡарар өсөн төрлө райондарҙан ғына түгел, хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. Ә Башҡортостандың ҡайһы бер район, ҡалаларында бәйгене ойоштороуҙа тәүге аҙымдар яһала. Асҡындың тел уҡытыусылары ла шиғыр һөйөүселәргә ҡушылып, тасуирилыҡта, зиһен ныҡлығында көс һынашты. Асҡын 2-се мәктәбендә уҙған бәйгене биреләге башҡорт теле уҡытыусылары Вилена Фәтхетдинова менән Дилбәр Заһиҙуллина асты. Улар ҡунаҡтарҙы матур итеп йыр башҡарып та сәләмләне. Район гәзиттәре баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова Өфөлә “Йөрәк һүҙе”н ҡарағандан һуң тыуған хис-тойғолары, уйҙары менән бүлеште, был матур сара Асҡында үтеүенә ихлас шатланыуын белдерҙе, бәйгеселәргә уңыштар теләп, еңеүгә дәртләндерҙе. Сара алдынан бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусылар, жюри ағзалары фотоға ла төштө. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы В.В. Гапоненко һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул был һайлау бик мөһим, республиканың киләсәге һәр беребеҙгә бәйле булыуын билдәләне: - Башҡортостан әүҙем үҫешә, күләмле үҙгәрештәр бара, ҡала һәм район да төҙөкләндерелә. Кеше, гражданин, хакимиәт вәкиле булараҡ, республикабыҙҙың, кесе тыуған илебеҙҙең сәскә атыуын теләйем, шуның өсөн үҙ тауышымды бирәм. Дәүләкәндәрҙең дә был мөһим ваҡиғаға аңлы ҡарауына ышанам. Ҡала биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан һайлау участкаһында, һәр ваҡыттағыса, кеше күп. Һайлау участкаһы Карл Маркс урамында, ҡала биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан. Бында Чкалов, Высоковольтный, К. Маркс, 1528-се километрҙа йәшәүселәр тауыш бирә. Һайлау участкаһына ингән ерҙә “Факел” эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышы үткән урындарҙа табылған экспонаттарҙан күргәҙмә ойошторған, һайлауға килеүселәр уларҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай. Ирекмәндәр уларҙың һорауҙарына яуап бирә һәм алма менән һыйлай. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Д.Й. Биктимеров әйтеүенсә, ике сәғәт элек 125 кеше тауыш тауыш биргән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Башҡорттарҙың төньяҡта йәшәгән ырыуы ғәйнә тип атала. Ғәйнә тархан тигән исеме лә бар. Хәҙерге көндә был ырыуға ҡараған милләттәштәребеҙҙең күпселеге Пермь крайының Барҙа районында, Камаға ҡойған Тол йылғаһы буйында, йәшәй. Шулай уҡ улар Көйәҙе, Чернушка, Уин, Пермь һәм башҡа райондарҙа ғүмер итә. Иң төньяҡта урынлашҡан Ҡуян тигән ғәйнә ауылы XIX быуат уртаһында губерна үҙәге булған Пермь ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан була. Ғалимдар фекеренсә, ғәйнә башҡорттары болғар һәм уғырҙар менән тығыҙ бәйләнештә көн итә. Хатта улар күрше фин-уғыр халыҡтарына мәҙәни йоғонто яһай. ХХ быуат башында Алыҫ Көнсығыш илдәрендә булған билдәле сәйәхәтсе Ғәбдерәшит Ибраһимов Корея батшаһы менән батшабикәһенең йөҙҙәрен ғәйнә башҡорттарының йөҙөнә оҡшата. Ғәйнәләр башҡорттар араһынан иң тәүгеләрҙән булып игенселек менән шөғөлләнә башлай. Уларҙың XVIII быуат аҙағында баҙарҙарҙа иген һатыуы билдәле. Шулай уҡ малсылыҡ, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ менән дә кәсеп итәләр. Рус дәүләтенә ғәйнә башҡорттарының ҡушылыуында Айсыуаҡ бейҙең роле ҙур була. Батшалыҡ ғәйнәләрҙең аҫаба хоҡуҡтарын таный. Кантон дәүерендә Ғәйнә волосы Беренсе кантонға инә. Рәсәйҙә металлургия үҫеше ғәйнә башҡорттарына бәйле. XVIII быуатта уларҙың аҫаба ерҙәрендә бик күп заводтар барлыҡҡа килә. Мәғдән үҙәктәренең күбеһе аҫаба халыҡ ҡулында була. Мәҫәлән, 1773 йылда Ғәйнә волосында 360 мәғдән сығарыусы башҡорт йәшәй. Уларҙың араһынан Исмәғил Тасимов исемле мәғдәнсе, белемле белгестәр кәрәклеген иҫбатлап, Санкт-Петербург тау-байыҡтырыу училищеһы (хәҙерге көндә – институт) булдырыу кәрәклеге тураһында батшаға мөрәжәғәт итә, асылғандан һуң уға матди ярҙам күрһәтә. Тағы бер күренекле ғәйнә вәкиле – старшина, сәнәғәтсе һәм Уложенное Собрание депутаты Туҡтамыш Ишбулатов. Кәңәшмә ойошмаһы булараҡ йыйылған атап үтелгән дәүләт мәжлесендә Т. Ишбулатов туған халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртып сығыш яһай. Уның тарафынан башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуҡтарын яҡлаған мөрәжәғәт әҙерләнә. Мәшһүр шағир Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе хәҙерге көндә Барҙа (элекке исеме – Ҡажмаҡты) ауылында ғәйнә башҡорто ғаиләһендә тыуған. Билдәле булыуынса, уның әсәһе менән олатаһының шағирлыҡ оҫталыҡтары була. Был яҡта йәшәгән башҡорттарҙың теле төньяҡ-көнбайыш диалектының ғәйнә һөйләшенә инә. Үҙҙәре билдәләүенсә, «Ҡаты, жаматай безнеке тел. Башҡорт теле беле сүләшәбез». Бөгөнгө көндә башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә бик әүҙем рәүештә ғәйнә улы Насур Юрушбаев таныта. Революциянан һуң сит илгә китергә мәжбүр булған яҡташтарыбыҙҙың тарихын Рафаэль Адутов өйрәнә. Ул һәм Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Альберт Мәхмүтов билдәле кантон башлыҡтары Адутовтарҙың нәҫеленән сыҡҡан. Башҡортостан Республикаһы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре кандидаты Әсхәт Мукатанов та Барҙа районында тыуған. Әхәт Сәлихов, тарих фәндәре кандидаты. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй. Был көндө 28 йыл элек Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә. “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында”ғы законға ярашлы, 11 октябрь республикала эшләмәгән байрам көнө булып һанала. Быйыл ул кесе йомаға тура килә. Шаршамбы, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, байрам көнө йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск иҫәбенә индерелмәй, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Өфөлә «Йәш ғаилә» ҡала конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Орджоникидзе районынан Хәсәновтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Хәҙер улар конкурстың республика этабында баш ҡала намыҫын яҡларға тейеш. Өфөлә «Йәш ғаилә» ҡала конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Орджоникидзе районынан Хәсәновтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Хәҙер улар конкурстың республика этабында баш ҡала намыҫын яҡларға тейеш. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл пандемия шарттарында сараны уҙғарыу концепцияһы яңынан ҡаралды. Конкурс тамашасыһыҙ, телетапшырыу төшөрөү форматында үтте. Өфөнөң иң шәп ғаиләһе исемен алыу өсөн ҡатнашыусыларға «Ғаилә стендабы», «Ғаилә ҡиммәттәренә социаль реклама» һәм «Интеллектуаль КВИЗ» һынауҙарында мөмкин тиклем күберәк балл йыйырға кәрәк ине. Бәйге йомғаҡтары буйынса Нурзиә һәм Рөстәм Хәсәновтар, уларҙың балалары Нурсолтан, Сәлимә «иң шәп ғаилә» тип танылды. Ғаилә башлығы Рөстәм нефть университетында уҡыта, ә Нурзиәгә күпмелер ваҡытҡа һөнәрен алмаштырырға тура килгән. Ике йыл элек ул «Башҡортостан» гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән, хәҙер иһә һатыу буйынса менеджер. Улдары Нурсолтан музыка мәктәбендә баян класында уҡый, карате һәм шахмат менән шөғөлләнә. Сәлимә һүрәт төшөрөү һәм гимнастика менән мауыға. Ғаилә республика буйлап сәйәхәт итергә ярата, бергәләшеп Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Торатауға һәм Мораҙым тарлауығына барып ҡайтҡандар. Башинформ. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
— Һуғыш ваҡытында ашағаныбыҙ ошо булды, — тип, эш бөттө тигәндәй, сепрәген тәҙрә төбөнә һалды. “Икмәк тип әйтеп тә булмай. Йомро көлсә. Һеҙҙең бәхетегеҙ күккә ашҡан. Оялмайһығыҙ ҙа! Йыуасаны эткә ырғытаһығыҙ”, — тине. Кисә генә көн буйы ямғыр яуҙы. Бөгөн яугирҙәр рухы аяҙ көн теләнеме, ҡояш күк йөҙөнән йомарт йылмайҙы. Әйтерһең, Рәсәй буйлап ятып ҡалған атай-олатайҙар йәне 9 Майға ауылдаштары менән осрашып, үҙҙәренең рухына аят бағышлата. Тыныслыҡтың хаҡы үтә ҡиммәт булған. Илебеҙ тарихында утыҙ миллионлап һалдаттың ҡаны менән яуланған. Ата-бабаларыбыҙ фашизмды ҡыйратып, “Ура!...” ҡысҡырғанда ла көн йылы булған, тиҙәр... Бала-саға улай-былай сабауыллай. Йылы талғын ел тәмлекәстәр — ҡоймаҡ, йыуаса еҫен еҫкәтә. Клуб, мәктәп, магазин ҡыйыҡтарына ҡыҙыл әләм ҡағылған. Мәҙәниәт йорто эргәһендәге таш һәйкәл кәртәләнгән. Уның буйында — флагтар. Мәңгелек һәйкәл, ап-аҡ эзбизгә буялғас, төҫө уңала төшкән лозунг яҙыуҙарына ҡыҙыл буяу һөрткәс, яңырған. Түңәрәк клумбаларҙа күп йыллыҡ сәскәләр морон төрткән. Яу ерендә ятып ҡалғандар исемлеге мәрмәр хәрефтәр менән нарыҡ­ланған. Бөгөн һеҙҙең байрам, мәңгелек һалдаттар! Еңеүегеҙ менән! Мең рәхмәт һеҙгә! Рәсәй тарихында һеҙ ҡойған ҡан менән яҙылған, үкһеҙ етемдәрҙең, тол ҡатындарҙың күҙ йәшенә мансылған бөйөктәрҙән-бөйөк Еңеү көнө! Утыҙ өйлө Теләш ауылы ла уларға рәхмәтен әйтергә бурыслы... Егерме яугирҙең ун өсөнөң исеме мәрмәр ташҡа яҙылған. Ҡояш нурҙары тәҙрәләрҙә уйнағансы уҡ Фәриҙә еңгә май ҡушып баҫҡан ононан йыуаса бешереп алды. Кәртәләге һәүкәште быҙауынан айырып, ҡыуырға ғына ҡалды. “Ҡупшы Фәриҙә” исеме йәбешкән ҡатындың үҙе бесеп-теккән кейемдәре күптән инде шкафында элеүле. Биш балитәкле күлдәге, ялтыр менән ҡайырып тегелгән ҡаптырмалы камзулы, өләсәһенең ҡомартҡы селтәре, француз яулығы, Әбей батша заманынан ҡалған тәңкәләр менән биҙәлгән сулпыһы, ысын мәрйендән тегелгән ҡашмауы уны күптән көтә. Әсәһенә оҡшап оҫта ул! Кейенеп, көҙгө алдында борғоланғайны, тфү-тфү, алтмыштан ашһа ла, һомғол төҙ кәүҙәһе ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙыҡынан һис кәм түгел. Үҙенең баһаһын белә Бикҡол ауылынан Теләшкә төшкән килен. Мөфти ағай ташыған бесәнде өҫкә ырғытҡанда ла осло туфлийын ташламай. Урамда ла мода күрһәтәме ни, иң матур кейемдәрен кейеп, тәңкә-мәрйендәргә күмелеп кенә йөрөй. Тышта бала-саға тыптырлаған аяҡ тауыштары ишетелде. Ике-өс бала инеп, мәҙәниәт йортона саҡырҙы. Һәр береһенә һары майҙа ғына бешергән йыуасаһын тотторҙо. Арттарынан оҙата сыҡты. Ҡапҡа ябылғайны, кемдеңдер: — Маһ-маһ, Аҡтырнаҡ! Бының һы­мағын әсәйем көн дә бешерә, ашамайым, — тип этенә ырғытҡанын аңғарҙы. — Мә, мә, мә... — тип икенселәренең дә урам берәҙәген саҡырғаны ишетелде. Ах, ах... Нимә булды был? Фәриҙә еңгә урындығына ултыра төштө. Ошо балалар кеүек ете-ун йәшлек бала сағы кино таҫмаһындағылай күҙ алдында кәүҙәләнде. Күҙ йәшенә быуылды. Баяғы малайҙың ризыҡты һанламауына асыуы ҡабарҙы. Ҡупшы кейемендә ырҙынға сыҡты. Унан алабутаны услап йолҡто. Әтлекте эҙләп алырға ваҡыты юҡ. Йыйған үләненә йылы һыу бөрктө. Ваҡлап тураны. Эшең өсөн көндәлек норма бер стакан арыш оно булды. Хәҙер уныһы ла юҡ. Икенсе сортлы бойҙайыныҡы ла. Һолоноҡо ла тәтемәй ине әле. Колхоз тирмәнендә тартты­рылғанын ашайҙар. Унан элеккесә, һуғыш осорондағы кеүек, бер стакан онға үләнде ҡушып оҙаҡ ҡына тасҡаны. Көлсәне баҫҡан һайын, күҙ алдынан әсәһенең плитә ҡыҙыуына һалып бешергән ошо бәләкәй генә тәғәменең тәме осонда һиҙелгәндәй булды. Үтә тәмле ине... “Тәмһеҙ, имеш!.. Хәҙер күрһәтәйем әле мин һеҙгә нимәнең тәмле икәнен! Әйҙә, беҙҙе зар-интизар иткән, йәнебеҙгә йән өргән ошо көлсәне һеҙ ҙә ашап ҡарағыҙ әле”, — тип, йыуасаһын ҡал­дырып, бешергән күстәнәсен кескәй генә сепрәккә төрөп, дүрт өй аша урынлашҡан йортҡа йүнәлде. — Вәт, әй, икмәкте һанға һуҡмайҙар, — тип килеп инде ул. Әммә байрам башланған, уға әллә ни иғтибар булманы. Ауыл идараһынан килгән кешегә эйәреп, таш һәйкәл янына сыҡтылар. Яуҙан әйләнеп ҡайтмағандарҙы хөрмәтләп венок һалдылар. Эскә үттеләр. Сәхнәлә балалар һуғыш, тыныслыҡ тураһында шиғыр һөйләне, йыр йырланы. Себен осҡан тауыш та ишетелмәй. Һәр кем тиерлек афәттә юғалтҡан атаһын, туғандарын хәтеренә төшөрәлер... Һәр сығышты алҡышла­нылар. Һәр береһе үҙенең күстәнәсен өҫтәлгә теҙҙе. Силсәүит вәкиле һуңғы һүҙен әйтеп, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлгә саҡырҙы. Бөтәһе лә урынлашҡас, Фәриҙә еңгә өҫтәл башына баҫты. Төргәген һаҡ ҡына асты. Тәүҙә аңламанылар. Был нимә икән? Үлән төҫө сыҡҡан йомро көлсә. “Һуғыш осоронда беҙ ошондай икмәкте ашап үҫтек...” — тип баяғы малайҙарға һондо. Улар ҡулдарына тотҡан ризыҡты ни эшләтергә белмәй аптыранды. Еңгә ипләп кенә мөйөшөнән бүлгеләп, ауыҙҙарына ҡаптырҙы. Ҡалған өлөшөн ҡулдан-ҡулға йөрөтөп тәмләнеләр. — Ниңә ашамайһығыҙ? — тине ул йыйылғандарға. — Нимә ул? — тине балалар. — Һуғыш ваҡытында ашағаныбыҙ ошо булды, — тип, эш бөттө тигәндәй, сепрәген тәҙрә төбөнә һалды. “Икмәк тип әйтеп тә булмай. Йомро көлсә. Һеҙҙең бәхетегеҙ күккә ашҡан. Оялмайһығыҙ ҙа! Йыуасаны эткә ырғытаһығыҙ”, — тине. Өҫтәл янынан урын алғас та әле һүҙ һуғыш осоро михнәттәренә барып төртөлдө. Ул ваҡытта туғыҙ йәшлек ҡыҙ ҙа ауыр бала сағын иҫтәренә төшөрөп: “Хәлебеҙҙән килгәнсә эшләнек. Эргәлә генә баҫыу. МТС-тан урыҫ Калашков ер һөрә. Ун һигеҙ йәшлек Факиһа апай — прицепщик. Ялға туҡтайҙар. Бахырҡай, һөрөнтө ерҙең ситендә йоҡоға талған. Тракторсы уны аңғармаған, мейеһенән эләктергән. Йәш кенә көйө эш урынында мәрхүм булды. Иген утаныҡ, башаҡ сүпләнек. Көҙөн урып алған бойҙа­йыбыҙҙы тулыһынса тип әйтерлек фронтҡа оҙаттылар. Күптәребеҙ аслыҡ­тан шешенеп, теге донъяға китте. “Бөтә нәмә фронтҡа, бөтә нәмә еңеү өсөн!..” Үҙеңә булмаһа булмаһын, бөтә уңыш – һалдаттарға. Ул осорҙоң лозунгыһы шулай ине”, — тине. Һуғыш осоро икмәген мин дә ауыҙ иттем. Тик уны икмәк тип атап була инеме? Уның семтемдәй генә аҡһымы бала-сағаны аяҡтан йыҡмағандыр. Яугирҙәр фронтта немец оккупанттарын ҡыйратһа, ауылда — икенсе фронт, тылда ла иген өсөн һуғыш барған. Бөртөк бойҙай ҙа ҡәҙерле булған, алтын хаҡы торған. Астың асыуы яман тигәндәй, иген һаҡланған келәттәргә төшкәндәр. Урлауға юл ҡуйған өсөн һаҡсы ҡатынды төрмәгә ебәргәндәр. Уның өс балаһы етем ҡалған. Берәүһе аслыҡтан үлгән, икәүһен балалар йортона ебәргәндәр. Ундай осраҡтар күп күҙәтелгән. Ҡарауылсыһын атҡан осраҡтар ҙа булған... “Ҡала баҙарында бер буханка икмәк — ике йөҙ һум. Һуғышсының алған айлыҡ аҡсаһы бер-ике буханка икмәккә һәм бер нисә ҡап папиросҡа етә ине...” — тип яҙҙы фронтовик яҙыусы Талха Ғиниәтуллин. Фәриҙә еңгәнең бер туған апаһы Әминә Барый ҡыҙының тылда күрһәткән хеҙмәттәре биш миҙал менән баһаланды. “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” тигәне — иң ҡәҙерлеһе. Уларҙың исем-шәрифе “Тыл Геройҙары” исемле китапта урын алды. Дәүләтебеҙ үҙенең тыл батырҙарын шулай данланы. Ҡасандыр ошо көлсәгә тилмергән геройыбыҙ ҙа бар ғүмерен колхоз эшенә арнаны. Колхозсылар араһында иң күп стажлы һауынсы булды ул. Хеҙмәте бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды. Иң мөһиме — икмәгенең урыны өҫтәл түрендә булды. Фәриҙә еңгә изге ризыҡты, уға саң ҡундырмай, сигеүле япмаларға төрөп кенә тотто...
Хәрби хеҙмәтте үткән егеттәр ата-әсәһенең генә түгел, иленең, халҡының терәге һәм таянысы. Күптән түгел ауылдаштарыбыҙ Әлфизә Шамил ҡыҙы менән Ғәҙелгәрәй Минегәрәй улы Латиповтар Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеүсе Айбулат улдарының батальон командирынан рәхмәт хаты алып ҡыуанды. Хәрби хеҙмәтте үткән егеттәр ата-әсәһенең генә түгел, иленең, халҡының терәге һәм таянысы. Күптән түгел ауылдаштарыбыҙ Әлфизә Шамил ҡыҙы менән Ғәҙелгәрәй Минегәрәй улы Латиповтар Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеүсе Айбулат улдарының батальон командирынан рәхмәт хаты алып ҡыуанды. Был, әлбиттә, ата-әсә өсөн генә түгел, ауылдаштары өсөн дә ғорурлыҡ.”Һеҙҙең улығыҙ Айбулат Ғәҙелгәрәй улы әрме хеҙмәтендә тик яҡшы сифаттары менән беҙҙе һөйөндөрә. Тырыш, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә, иптәштәре араһында абруйлы, олоно оло, кесене кесе итә белә. Һеҙ ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған егет тәрбиәләй алғанһығыҙ. Һеҙгә, уҡыған мәктәбенә ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да шулай өлгөлө булһын”, - тиелә хатта. Ысынлап та, тәрбиәгә нигеҙ ғаиләлә, мәктәптә һалына. Айбулат өс балалы ғаиләлә үҫкән. Ул Яңы Әптек мәктәбенең 9-сы класын уңышлы тамамлап, Ишембай нефть колледжы студенты булып китте. Мәктәптә лә, студент йылдарында ла спорт менән дуҫ булды. Әрмене лә түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Нефть колледжын тамамлағас, хәрби бурысын үтәргә юллана. Ғаиләлә балаларҙы хеҙмәт өлгөһөндә үҫтереү ҙә мөһим. Күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған ғаиләлә эш етерлек. Айбулат та бәләкәйҙән ата-әсәһе өлгөһөндә һөнәрле булып, эш яратып үҫә, техникаға ҡыҙыҡһыныуы ла көслө. Айбулаттың хәрби хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтырына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Батальон командирынан алған рәхмәт хатына бөтә ғаиләһе, туған-ырыуы, мәктәп коллективы һөйөнә. Шундай һалдатыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Айбулаттың тормош юлы киләсәктә лә матур, уңышлы булһын. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәһе – Йәнгел ауылындағы ял паркын тәҡдим итте. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабына Әбйәлил район хакимиәте былтыр «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәһе – Йәнгел ауылындағы ял паркын тәҡдим итте. «Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан тормошҡа ашырылыусы программа буйынса Йәнгел ауылында ял һәм спорт паркын төҙөкләндереүгә 1,5 миллион һум күләмендә аҡса бүленде. Подряд эштәрен «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы (Ә. Ғ. Тутаев) башҡарҙы. Парк ноябрь айында тантаналы асылды. Әйтергә кәрәк, быйыл был программа буйынса районда тағы ла дүрт ял паркы төҙөкләндерелә. Хәлил, Ишҡол, Красная Башкирия һәм Гусевка ауылдары халҡының да байрамдарҙы, ял ваҡыттарын асыҡ һауа аҫтында файҙалы һәм күңелле итеп үткәрерлек урындары буласаҡ. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Йәй күңелле осрашыуҙар өсөн бик матур мәл. Туған-тыумаса, класташтар, бала саҡ дуҫтары менән күрешеү өсөн һәр кем йәй тыуған ауылына ҡайтырға тырыша. Һуңғы ваҡытта "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" сараһы матур йолаға әйләнеп бара. Күптән түгел Йәлембәт ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре шундай сара үткәрҙе. Сараға ошо ауылда үҫеп, хәҙер төрлө тарафтарҙа йәшәгән гүзәл заттар йыйылды. Билдәләнгән ваҡытҡа алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан ҡыҙҙар ауылда йәшәүселәр байрамға ашыҡты. Улар бер-береһе менән күрешеп, ҡосаҡлашып, төрлө хәтирәләрҙе иҫкә алып, көлөштө. Нисәмә йылдар күрешмәгәндәр өсөн был осрашыу көтөлмәгән ваҡиға булды. Артабан һәр кем сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәренең әйтер һүҙҙәрен, теләктәрен белдерҙе. Сығыштар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Күңелле һөйләшеү өҫтәл артында сәй табынында дауам итте. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Райондың Денис ауыл биләмәһенән (элекке Трясино) һуғыш башланғас Ҡыҙыл Армия сафына 226 кеше алына. Богородское ауылындағы Дан монументында яуҙа башын һалған 104 кешенең исеме сүкеп яҙылған. Райондың Денис ауыл биләмәһенән (элекке Трясино) һуғыш башланғас Ҡыҙыл Армия сафына 226 кеше алына. Богородское ауылындағы Дан монументында яуҙа башын һалған 104 кешенең исеме сүкеп яҙылған. Бөгөн биләмәлә бер генә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны теркәлгән. Александр Сергеев Мәләүездә ҡыҙында йәшәй. Йәй көнө генә тыуған ауылы Михайловкаға ҡайта. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан яугир һәр ваҡыт күтәренке рухта, хәтере лә яҡшы. Шуға ла ул - мәктәптең йыш ҡунағы. Уҡыусылар уның менән әңгәмәләшергә, тыңларға ярата. Трясино мәктәбендә ветеран тураһында бай материал тупланған. Александр Ипполитович 1924 йылда тыуған. Үҙ ауылында башланғыс класты тамамлағас, 7 километр ара йөрөп, Богородскиҙа ике йыл уҡый. Коллективлашыу осорон, аслыҡ йылдарын яҡшы хәтерләй ул. Атаһы менән бергә иген иккән мәлдәрҙе һағынып иҫкә ала. Фронтҡа 61 кеше алына, шуның 31-нә генә кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Александр Сергеев 1942 йылдың 8 сентябрендә һуғышҡа китә. Был ваҡытта уға 17 йәш кенә була. Өфөлә кесе сержанттар мәктәбендә күнекмә үтә. Украина, Белоруссияны, Польшаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша, ике тапҡыр яралана. Еңеүҙе госпиталдә ҡаршы ала. Төнгө сәғәт икелә ҡыуаныслы хәбәрҙе алғас, өс ҡатта ятҡан яралылар “ура” ҡысҡырғанын бөгөнгөләй иҫләй ул. Тыуған төйәгенә 1945 йылдың 5 июлендә әйләнеп ҡайта. Александр Ипполитовичты бесән ташыған оло йәштәге ир ҡаршы ала. Күреү менән: “Тәүге һалдат ҡайтты!”, - тип ҡыуанғанын да яугир яҡшы хәтерләй. Ҡайтыу менән башҡа фронтовиктар менән бергә дөйөм хужалыҡты тергеҙеүгә тотона. Ырҙында ла, баҫыуҙа ла көс түгә, ура ла, һуға ла, игә лә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡушылған эште намыҫ менән үтәй.
Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылы ир-уҙамандарының береһе – бар ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы хеҙмәткә бағышлап, отставкаға сыҡҡан һәм күптән түгел етенсе тиҫтәһен тултырған Әхмәт Сәйетгәрәй улы Йосопов хаҡында яҙмабыҙ. Кеше хаҡында яҙғанда, ғәҙәттә, уның хеҙмәт эшмәкәрлегенә иғтибар бүленә. Һайлаған һөнәренә тоғролоғо, ирешелгән уңыштары барлана. Әхмәт Йосопов район эске эштәр бүлегенең участковыйҙар бүлексәһендә участковый булып лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән кеше. Ул хеҙмәтләндергән участка уғата ҙур – Яңғыҙҡайын, Үтәк, Мораҡ, Буруновка, Бельский ауыл биләмәләрендә урынлашҡан 22 ауыл уның ҡарамағында була. Участковыйға үҙенә тәғәйенләнгән участкаларҙы йөрөп сығыуҙан тыш, берәй сетерекле хәл килеп тыуһа, йәки енәйәт ҡылыныуы хаҡында хәбәр алыу менән ямғырмы-ҡармы, һыуыҡмы-буранмы, төн уртаһымы, таң алдымы, ялмы-байраммы, таш яуһа ла – юлға сығырға әҙер торорға һәм һис кисекмәҫтән унда юлланырға тура килә. Ул замандарҙа әлеге кеүек техника юҡ, биләмәләрҙе күпселек йәйәүләп, тура килгәндә юлда осраған автомашиналарҙа, йә егеүле атта (эш урынынан “Орлик” ҡушаматлы ат биргәндәр) үтә. Аҙаҡ ҡына эске эштәр бүлегенән бирелгән мотоциклда йөрөү бәхетенә ирешә, артабан “Москвич” һатып алғас, был талымһыҙ техника ярҙамға килә. “Нисек барыһына ла өлгөрөлгән ул, бөгөн үткәндәрҙе иҫләп, аптырашта ҡалам. Участкалар буйлап йөрөп сығыу ғына түгел бит әле, ниндәйҙер енәйәт ҡылынһа, эште ҡыҙыуында тикшерергә, осона сығырға, кәрәк икән, эҙәрлекләргә лә тура килә ине. Шуға ла енәйәттең осона сыҡмай тороп, өйгә ҡайтмай ҡунып ҡалған осраҡтар ҙа булғылай торғайны”, - тип үткәндәргә ҡараш ташлай ул. Тыуған ауылы Туғай мәктәбендә 8-се класҡа тиклем белем алып, 9-сыны Яңғыҙҡайында дауам итә ул. Урта мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһында нефтехимкомбинатта слесарь булып тәүге хеҙмәт сынығыуы алған егет әрме сафына баҫа. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, тыуған мәктәбендә физкультура һәм тарих фәне уҡытыусыһы булып эшләй. Тап ошонда эшләп йөрөгәндә, 1976 йылда Ғафури партия райкомына саҡырып алалар һәм 1-се секретарь Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы Баҡыев Әхмәт Йосоповҡа уйлап та торорға ирек бирмәй: “Иртәгә комиссия үтәһең дә район эске эштәр бүлегендә участковый булып эш башлайһың”, - тигән әмер бирә. “Уйлашырға кәрәк, тигәнемә лә ҡарап тормай, һинең өсөн уйлағандар инде”, - ти. Нишләһен, партия ҡуша икән, уның ҡарарын кире ҡағыу мөмкин түгел, ризалыҡ бирә һәм бер ҙә үкенмәй, бында лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә. Артабан эш менән бергә Өфөлә Эске эштәр министрлығы мәктәбендә уҡып, дипломға эйә була.1997 йылда сирләп тороу, йәғни йөрәгенә операция яһатыу менән бәйле, эске эштәр органдарындағы хеҙмәт стажы тулғас, хаҡлы ялға туҡтай. - Бөтөн районға 6-7 генә участковый эшләй ине. Участкалар ҙур, эш күп булыуға ҡарамаҫтан, участковыйҙар бүлексәһе коллективы бик татыу булды, бергәләшеп, бер төптән, бер ғаилә кеүек эшләнек, бер-беребеҙ өсөн тауҙай торҙоҡ. Яңы эш башлағанда тәжрибә булмауы һиҙелә ине, өлкән иптәштәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торҙолар, кәңәш бирҙеләр, өйрәттеләр, - ти Әхмәт Сәйетгәрәй улы. – Ошо коллективта эшләгәнемә ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Колхоз, ауыл хакимиәте етәкселеге менән дә уртаҡ тел табып эшләнек. Бигерәк тә Яңғыҙҡайын ауыл советы рәйестәре ҡатҡыл, хәрбиҙәрсә характерлы Нурия Ҡасимова, Светлана Рәхимова менән эшләү дәүере ныҡлы иҫтә ҡалды, - ти ул үткәндәрҙе күҙ алдынан үткәреп. Эске эштәр бүлегендә эшләү осоронда Ә.С.Йосопов “Яҡшы хеҙмәте өсөн” миҙалының өс дәрәжәһе менән дә, милиция отличнигы, ЭЭМ ветераны һәм башҡа наградаларға лайыҡ була. Рядовойҙан майор дәрәжәһенә күтәрелеп, хеҙмәт юлы үтә. Уны бөгөн дә коллегалары ла, ауыл халҡы ла онотмай, хәл белешеп торалар, ихтирам-хөрмәт күрһәтәләр. Тормош иптәше Асия Әнүәр ҡыҙы 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреү эшенә бағышлап, пенсияға сыға. Киләһе йылға ғаилә ҡороп йәшәүҙәренең алтын юбилейын билдәләйәсәк Йосоповтар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Икеһе лә мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, икешәр юғары белемгә эйәләр. Өлкәне Ирина Өфө авиация-техник университетын, Президент ҡарамағындағы идаралыҡ академияһын тамамлап, Өфөлә “Интерфакс” агентлығында эшләй, Аделина исемле ҡыҙға әсәй. Эльвиралары БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған, Мәскәүҙә йәшәй һәм Третей суды судьяһы булып эшләй. Кирилл һәм Дима исемле улдары бар. Бөгөн ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙҙарының изгелегендә, ейәнсәр-ейәндәр шатлығында олатай-өләсәй булыу бәхетен кисереп, хеҙмәттәренең татлы емештәрен татып йәшәй Йосоповтар. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Белорет, Ғафури райондары биләмәһен үҙ эсенә алған “Еҙем паркы” 2018 йылдың октябрендә булдырылғайны. “Еҙем паркы” – тәбиғәт ҡалҡаны Ботайҙы уҙғас, Еҙем күперенән башлап Ғафуригә тиклем арауыҡтағы тәбиғәт биләмәһен, хайуандар донъяһын браконьерҙарҙан Һаралы егеттәре Наил Хабрахман улы, Сәлим Мәҫәлим улы Вәлиевтар, Туҡандан Марсель Фәнил улы Абдуллин һаҡлайҙар. - Быйыл эшкә ныҡлап тотондоҡ,- ти “Еҙем паркы” инспекторы Наил Хабрахман улы. – Кәрәкле урындарға аншлагтар ҡуйып сыҡтыҡ, үҙебеҙгә ҡараған биләмә буйлап патрулгә сығабыҙ. Етәксебеҙ Азамат Мәхмүт улы Ибәтуллин үҙе лә килеп, кәрәкле мәғлүмәттәр, күрһәтмәләр биреп китә. Беҙҙең биләмәлә атлап ҡына йөрөрлөк түгел, шуға патрулгә һыбай сығабыҙ. Аҙна һайын рейдтар үткәреп торабыҙ. Беҙҙең төп бурыс – тәбиғәт хайуандарын һаҡлау. Әлбиттә, тәбиғәткә килтерелгән зыянға ла битараф ҡалмайбыҙ, тейешле органдарға хәбәр итәбеҙ. Эйе, туристарҙың күпләп Еҙем буйлап кәмәләрҙә, катамарандарҙа ағып төшөүе арҡаһында һуңғы йылдарҙа Еҙем буйҙары һиҙелерлек зыян күрҙе: ағастар, ҡыуаҡлыҡтар тәләфләнде, һыу һайыҡты, бысранды. “Еҙем паркы” инспекторҙары был етешһеҙлектәргә кәртә ҡуйыр тигән өмөттә ҡалайыҡ. З. Сөләймәнова. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Стоп ВИЧ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә 22 ноябрҙән 1 декабргәсә Дыуан районында “Тормош техноло- гияһы” республика акцияһы уҙҙы. Сараларҙың маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын ВИЧ-инфекцияһын профилактикалауға йүнәлтеү, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен, хәүефһеҙ мөнәсәбәттәрҙе пропагандалау. “Стоп ВИЧ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә 22 ноябрҙән 1 декабргәсә Дыуан районында “Тормош техноло- гияһы” республика акцияһы уҙҙы. Сараларҙың маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын ВИЧ-инфекцияһын профилактикалауға йүнәлтеү, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен, хәүефһеҙ мөнәсәбәттәрҙе пропагандалау. Кампания программаһына ярашлы район йәштәре, уҡыусылар, студенттар төрлө саралар ойошторҙо. Мәҫәлән “Онлайн” акцияһы барышында һәр ҡатнашыусы темаға ярашлы һүрәт менән фотоға төшөп уны махсус хэштег аҫтында үҙенең социаль селтәренә урынлаштырырға тейеш ине. Бынан тыш райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла ВИЧ/СПИД темаһына арналған саралар комплексы уҙҙы. Йәштәр үҙәгенең “Бергә” йәш ирекмәндәр хәрәкәте (етәксеһе И. Шолохова) ағзалары сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте. Район хакимиәте бинаһында “Волонтерҙар мәктәбе” тарафынан ВИЧ/СПИД-ты профилактикалау буйынса эш алып барыусы инструкторҙарға махсус уҡыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, темаға ярашлы видео күрһәтелде, махсус уйындар, викториналар ойошторолдо. Волонтерҙар район үҙәге халҡынан был мәкерле сирҙе профилактикалау ысулдары тураһында һорау алыу уҙғарҙы, махсус мәғлүмәт тупланған буклеттар таратты. “Үҙебеҙ йәшәгән төбәк халҡын был сир хаҡында әҙме-күпме мәғлүмәтле итеү, уның актуаллегенә иғтибарҙарын йүнәлтеү, шулай уҡ был вирусты йөрөткән кешеләргә ҡарата толерантлыҡ тәрбиәләү – беҙҙең эшебеҙҙең төп маҡсаты”, – ти “Бергә” хәрәкәте лидерҙары. Л. Ғабдуллина. Дыуан районы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү һәм күп функциялы үҙәктәр газ үткәреүгә сертификат алыу өсөн документтар ҡабул итә башланы. Айырым категория граждандарға газ үткәреү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Күп тә үтмәне ошо туралағы указ ҡабул ителде һәм эш тәртибе, ташламаға дәғүә итеүселәр исемлеге раҫланды. Сертификатҡа кемдәр хоҡуҡлы? Башҡортостан башлығы ҡарары буйынса сертификатҡа республикала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр өмөт итә ала. Ғариза биреүсенең газ үткәреләсәк йортта милексе булыуы ла шарт, прописка ғына етмәй. Шулай уҡ дәүләт ярҙамы газ үткән ауылдарҙа йәшәүселәргә генә күрһәтеләсәк. Сертификат номиналы 60 мең һум, ә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына һәм килеме йәшәү минимумынан аҙ булған ғаиләләргә 100 мең һум тәшкил итә. Был маҡсатта ҡаҙнанан 664 млн һум аҡса бүленә һәм ул дүрт йылға иҫәпләнгән.Ә алынған сертификат үҙе ике йыл ғәмәлдә ҡаласаҡ. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Быйыл игендең гектар ҡеүәте - 52 центнер, шәкәр сөгөлдөрөнөкө - 400 центнер. Бөтәһе - 14 кеше эшләй. Быйыл иген, арпа, көнбағыш, кукуруз, сөгөлдөр, йәшелсәләрҙе үҙ көсөбөҙ менән ваҡытында йыйҙыҡ. Ҡотошта тыуып үҫкән Илһам Лоҡманов механизатор булып эшләй, әле бер туған ҡустылыры ла эргәһендә тырыша. - Мәктәпте тамамлағас, фермала эшләп киттем, водителгә уҡып, төньяҡ тарафтарында йөрөнөм, әммә ҡан тарта, шуға күрә Башҡортостанға, үҙ яҡтарыма ҡайтырға булдым, хәҙер бында фермала эшләйем, - ти Илһам. Хәҙер Илһам Лоҡманов киң йүнәлешле механизатор, тракторҙа, комбайнда ла йөрөй, сәсеүҙә лә, ураҡта ла ҡатнаша. Тормош иптәше Альбина менән матур донья көтәләр, ике ул үҫтерәләр. Радмир менән Ильназ балалар баҡсаһына йөрөй, ғаиләнең ҡайтыуына Альбина тәм-том әҙерләй. 300 баш һыйыр малы тәрбиәләнә, мал ҡараусы Рәсүл Лоҡманов Ҡотошта йәшәй. Ул үҙ эшен оҫта башҡара, бөтәһен дә ваҡытында үтәй, - тиИлдус Маркс улы. Быйылға бөтә нимәгә лә хаҡ төшкән, әлеге ваҡытта ул проблема, моғайын да сәсеүлектәрҙе ҡыҫҡартырға тура килер. Ялан эштәре тамамланһа ла, фермала ҡыҙыу ваҡыт. Ит ризыҡтары урындағы баҙарға оҙатыла. Тирмәндәре лә бар, он тарттырырға ситкә йөрөмәйҙәр. Бик оҫталар һәм егәрлеләр эшләй бында,шуға күрә уңыш та көттөрмәй.
Владимир Путин Си Цзиньпинды тыуған көнө менән ҡотланы Азияла үҙ-ара бәйләнеш һәм ышаныс саралары ултырышының пленар өлөшө алдынан Рәсәй Президенты Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесен тыуған көнө менән ҡотланы. #ВладимирПутин Азияла үҙ-ара бәйләнеш һәм ышаныс саралары ултырышының пленар өлөшө алдынан Рәсәй Президенты Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесен тыуған көнө менән ҡотланы. Владимир Путин Си Цзиньпиндың ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙәге өлөшөн юғары баһаланы, уның Рәсәйгә күптән түгел ойошторолған дәүләт сәфәренең уңышлы үткәнен билдәләне. #ВладимирПутин Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Ҡайһы берҙә бөтөнләй таныш булмаған кеше менән күптәнге дуҫтар һымаҡ айырылышаһың. Һеҙҙең менән шулай булғаны бармы? Ҡайһы берҙә бөтөнләй таныш булмаған кеше менән күптәнге дуҫтар һымаҡ айырылышаһың. Һеҙҙең менән шулай булғаны бармы? Банктан сығып барам. Ишек тотҡаһына минең менән бер үк ваҡытта бер ирекәй ҙә үрелде. Минән олораҡ булғас, уны алдан үткәрергә уйлап, сигендем. Ул да бер аҙым артҡа атланы ла йылмайып: - Тик һеҙҙән һуң, - ти. Рәхмәт әйттем дә юлымды дауам иттем. - Ирҙәрҙе алдан үткәреү ҡағиҙәһен белгәс, һеҙ, моғайын, мосолман ҡатынылыр, - тип һөйләнә-һөйләнә арттан килә. Өндәшмәйем. - Мин үҙем дә урам да танышырға яратмайым, - ти. Өндәшмәйем. - Йәшерәк саҡта бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәрмәй инем. Ихтирам итмәүҙән түгел, ә һәр ваҡыт ашығып йөрөүҙән. Гүзәл затты алдан үткәреү ғәҙәтенең тарихын уҡығас ҡына этикет талабына эйәрә башланым, - һаман һөйләнеп килә. Бәйләнсек кешене яратмайым, һаман да өндәшмәйем. - Ә һеҙ беләһегеҙме, ни өсөн ир-егет ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәрә?”- тип һорап ҡуйҙы был ағай һәм был барыбер өндәшмәҫ тинеме икән, дауам итте. - Тәүтормош кешеләре һунарҙан ҡайтҡас, төрлө йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланып, мәмерйәгә иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙарын индергән икән. Ошо хәҡиҡәтте белгәс тә, автобустан йәки берәй бинанан сыҡҡанда ла, ингәндә лә гүзәл затты үткәрәм. Кем белә? Беҙҙең заманда ла төрлө яҡлап хәүеф-хәтәр янап ҡына тора бит... Бына шул ваҡыт инде түҙмәнем. Урам уртаһында туҡтап таныш түгел ағай менән рәхәтләнеп шарҡылдап көлдөм.
2019 йылдың 20 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. 2019 йылдың 20 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның сығышында илдең эске сәйәсәтенә, үҫешенә ҡағылышлы өмөтлө фекерҙәр яңғыраны. В.В. Путин халыҡтың социаль хәлен еңеләйтеү, ҡалалар һәм ауылдарҙы үҫтереү, һаулыҡты, экологияны яҡшыртыу буйынса ҙур бурыстар ҡуйҙы. Мөрәжәғәтнамәнән алынған бер нисә тезисты һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. – 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башлау, ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға бер миллион һум аҡса түләү; – «Ауыл табибы» программаһының йәшен сикләмәү; – 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙе ике йәшәү минимумына тиклем күтәреү; – 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырыу; – ипотека ставкаһын 9 процентҡа, ә һуңынан 8 процентҡа тиклем кәметеү, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләрҙең ипотека бурысын 450 мең һум күләмендә ҡаплатыу; – 2021 йылдың аҙағына тиклем яслеләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү, 90 мең урынды быйыл, 2021 йылға тиклем 200 меңдән ашыу урын булдырыу; – киләһе алты йылда онкологик сирҙәр менән көрәш өсөн 1 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү; – ике йыл эсендә ҡалалар янында 30 проблемалы эре сүплектәрҙе бөтөрөү; – микрокредитлау өлкәһендә тәртип урынлаштырыу; – килемдәрен юғалтыусыларға “ипотека каникулдары” булдырыу һ.б. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Башҡортостан уҡытыусыһы" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Теркәү тураһындағы ПИ ФС 77‑70646‑сы таныҡлыҡ 2017 йылдың 15 авгусында Элемтә, информацион технологиялар һәм киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы тарафынан бирелде. Ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик айлыҡ журнал Общественно-педагогический и научно-методический ежемесячный журнал. Издается с 1920 года. Главный редактор: Каримов С.Г.
Уҡытыусылар көнө уңайынан йыл һайын район Мәҙәниәт йортонда үткәрелеүсе тантаналы сара “Йыл уҡытыусыһы“ конкурсын асыу булараҡ уҙҙы Уҡытыусылар көнө уңайынан йыл һайын район Мәҙәниәт йортонда үткәрелеүсе тантаналы сара “Йыл уҡытыусыһы“ конкурсын асыу булараҡ уҙҙы Байрамды Бүздәк 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе педагогтары – физик культура уҡытыусыһы Марат Хөснуллин һәм француз теле уҡытыусыһы Светлана Сәлимгәрәева алып барҙы. – Уҡытыусы һөнәре күңелдең зирәклеген һәм йәшлеген, креативлыҡты һәм ҙур дарманды үҙ эсенә ала. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе баһалап бөтөү мөмкин түгел, уға бәйә юҡ! – тине уҡытыусыларҙы ҡотлап, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова. Ул шулай уҡ алдынғы педагогтарға район хакимиәте бүләктәрен тап-шырҙы. Мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Кәшәфетдинов та хеҙмәттәштәренә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләп, район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын өләште. Беҙҙең районда уҡыусыларға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Күп кенә сараларҙа йәш армеецтарҙың ҡатнашыуы – күңелле хәл. Тантаналы шарттарҙа егеттәр һәм ҡыҙҙар Йәш армеецтар сафтарына инә. Күп кенә спорт-патриотик рухтағы саралар Бүздәк һәм Благовар райондары хәрби комиссариаты менән берлектә үткәрелә. Шул уңайҙан хәрби комиссар Алик Камалетдинов Бүздәк 1-се һәм 2-се мәктәптәре директорҙары А. Заһироваға һәм И. Сакаевҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Теләһә ҡайһы һөнәрҙә, теләһә ҡайһы йәштә, теләһә ниндәй стажлы кеше һөнәри үҫешкә ынтыла. Шуныһы ҡыуаныслы, быйылғы уҡыу йылында “Йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсында 15 педагог ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бәйге ижади эшләүсе уҡытыу-сыларҙың тәжрибәһен таратыу маҡсатында үткәрелә. Тәбиғи йон-доҙҙарҙан айырмалы булараҡ, улар үҙҙәре генә янып ҡалмай, ә үҙ дармандары менән, битараф була белмәүҙәре менән башҡалар йөрәгенә лә осҡон һала, ут ҡабыҙа. Был ысын һөнәри оҫталыҡ байрамы педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең мәғарифты яңыртыу буйынса ижади эшсәнлеген үҫтереүгә, белем биреү процессын ойоштороуҙа яңы технологиялар менән ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Конкурсанттар үҙенсәлекле тамаша әҙерләп алып килгән. Шуныһы ла мөһим – һәр коллективтың башҡа ағзалары ла үҙ делегаттарына ярҙам итте – төрлө сәхнә күренештәрендә ҡатнашты, йырланы, бейене, төрлө ролдәр башҡарҙы. Бүздәк 1-се урта мәктәбенең педагогик коллективы иҫәпләүенсә, уҡытыусының иң ҙур ғорурлығы – уның уҡыусылары, ул сәскән орлоҡтарҙың ниндәй шытым биреүе. Уларҙың девизы: “Мәктәп – йәш быуындың фекере формалаша торған оҫтахана, киләсәкте ҡулдан ысҡындырырға теләмәһәң, дилбегәне ныҡ тоторға кәрәк”. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында улар математика уҡытыусылары Миләүшә Шәйхетдинова, Ирина Ғайнанова, Лилия Шабазова менән таныштырҙы. Иҫке Боғаҙы урта мәктәбе уҡытыусылары фекеренсә, педагог – ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә һәләтле кеше, уға рухи һәм ижади йомартлыҡ, эшенә ғашиҡ булыу кәрәк. Үҙ эшенә мөкиббән педагог – башланғыс класс уҡытыусыһы Айгөл Батыргәрәева менән таныштырҙы улар. Ҡаран мәктәбе педагогтары уҡыусыларҙы үҙ балаларылай күрә, һәр кемгә үҙҙәрен шәхес булараҡ асырға ярҙам итә, күңел йылыһын йомарт бүләк итә. Шундай остаздарҙың береһе – башланғыс класс уҡытыусыһы Резеда Мәүлетова. Килем урта мәктәбе коллективы һәр эш көнөндә балаларҙы мауыҡтырғыс белем донъяһына алып бара, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, яңылыҡ булдырырға тырыша. География уҡытыусыһы Рузи-лә Нәҙершина тап бына шундай тынғыһыҙ, ижади педагог. Дәрес ниндәй булырға тейеш? Мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ. Һәм һәр ваҡыт дәрес-фантазия, дәрес-байрам, сөнки уҡытыусы шатлыҡ бүләк итеп тәрбиәләү һәләтенә эйә. Х. Ғиләжев исемендәге Ҡаңны-Төркәй мәктәбе коллективы менән сығыш яһаған химия уҡытыусыһы Резида Байбурина ла – әлеге еңел булмаған заманда тормошҡа һөйөнөп йәшәү хисен юғалтмаған уҡытыусы. Ә Сәүәҙебаш мәктәбе коллективы балаларҙың әүҙемлегенә һәм ижадына ирешә, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып эш итә, хеҙмәттәштәренә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Улар конкурсҡа башланғыс класс уҡытыусыһы Лүзә Бәҙретдинованы тәҡдим итте. Р. Шәрипов исемендәге Сабай урта мәктәбе коллективы фекеренсә, уҡытыусының бурысы – уҡыусыларға мөмкин тиклем күберәк белем биреү генә түгел, иң мөһиме мәғлүмәтте үҙҙәре эҙләп табыу юлдарын билдәләү, уларҙы файҙаланырға өйрәтеү. Башланғыс класс уҡытыусыһы, уның тураһында яратып әйткәнсә, “мәктәптәге әсәй” Йәмилә Даянова – ошо мәктәп күрһәткән конкурсант. Иҫке Тауҙар мәктәбе уҡытыусылары – эш менән мауыҡҡан һәм быға башҡаларҙы ла йәлеп итә алған коллектив. Уҡытыусылар бында һәр баланы һәр ваҡыт күҙ ҡараштарынан уҡ аңлай, улар менән Интернет киңлектәре буйынса атлай, унан белем табырға өйрәтә, һәр дәрес менән тәрбиәләй.Үҙ уҡыусыларының уңыштарына һөйөнәләр һәм уңышһыҙлыҡтарына көйөнәләр. Бәйгелә математика уҡытыусыһы Лира Йосопова үҙ оҫталығы менән уртаҡлашты. Х.Солтанов исемендәге Кәпәй-Ҡыбау мәктәбе бай тәжрибәгә эйә. Яратҡан эшеңде мауығып башҡарыу – уларҙың уңыш формулаһы. Улар өсөн ижад – ғәҙәти эш, ә дәрес – яңы методик алымдар һынала торған полигон. Конкурста үҙ эшенең оҫтаһы – тарих уҡытыусыһы Рима Миңнегәрәева ҡатнашты. Бүздәк 2-се урта мәктәбенең педагогик коллективы “Уҡытыусы ҡулында – Рәсәй киләсәге” тигән девизды эш менән раҫлай. Педагогик планетала ижади осрашыуҙарҙың бик шәп икәнлеген яҡшы белә улар. Был планетаның таланттарға бай булыуын йәнә бер тапҡыр раҫланылар: рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лиана Низаметдинова, башланғыс класс уҡытыусыһы Светлана Тимербаева, технология уҡытыусыһы Гөлнара Ғәлләмова, тарих уҡытыусыһы Ләйсән Вәлиева улар. Уҡытыусылар башҡарған сағыу флешмобтар һәм шаян әкиәттәр уларҙың таланттары күп яҡлы, ә ижады күтәренке рухта булыуын күрһәтте. Алда бәйгеселәрҙе шәхсән интернет-сайттар конкурсы, таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрестәр, “Мин – уҡытыусы” эссе конкурсы көтә. Байрамда ҡатнашыусыларға Ынйы Ильясова, Зөлфир Ғаб-дрәхимов, Раушания Ергизова, Раушания Ғилманова музыкаль бүләктәр тапшырҙы. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә -25 градусҡа тиклем һыуыта. Был хаҡта республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы хәбәр итә. 24 ноябргә ҡарай төндә ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындың үтеп инеүе көтөлә. Һауа температураһы -14, -19, аяҙытҡанда -20, -25 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ -6,-12 градус була. 25 ноябрҙә йылыта, төндә -7,-13, көндөҙ -4, -9 градусҡа тиклем. Аҙна һуңында һәм ял көндәрендә ваҡыты менән ҡар яуыуы көтөлә. Шулай уҡ елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйгәндә буран сығыуы ихтимал. Ҡар яуғанда һәм буран сыҡҡанда юлдарға көрт һалыуы күҙәтелә, был иһә автотранспорттың хәрәкәт итеүен ҡатмарлаштыра. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Рәсәй Мәғариф министрлығы колледж һәм техникумдар араһында "Профессионалитет" федераль проектына ярашлы конкурс уҙғара. Уның һөҙөмтәләре буйынса урта һөнәри белем биреү ойошмалары белем биреү - производство кластерҙары - колледж һәм тармаҡ предприятиелары берекмәләрен булдырыуға субсидия аласаҡ. Кластерҙа яңы идаралыҡ структуралары, яңы йөкмәткеле белем биреү программалары барлыҡҡа киләсәк. Уҡытыусылар, оҫталар, тәрбиә өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр, идара итеү командаһы вәкилдәре педагогика, етештереү һәм идара итеү оҫталыҡтарына өйрәнәсәк. Студенттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә производствола ихтыяж менән ҡулланылған билдәле һөнәрҙәр буйынса белем аласаҡ. Был иһә урта һөнәри белем биреү системаһына иҡтисад талаптарына тиҙ арала көйләнергә булышлыҡ итәсәк, предприятиеларҙың кадрҙар талабын да ваҡытында хәл итергә булышлыҡ ҡыласаҡ. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылда 70 белем биреү-етештереү кластерҙары асыласаҡ. Тағы ла 70-е киләһе йылда барлыҡҡа киләсәк. 2022 йылда "Профессионалитет" проектында ҡатнашыуға иҡтисадтың алдынғы йәмғиәттәре һайлап алынды: машиналар эшләү, шул иҫәптән авиа һәм судно төҙөү, металлургия, ауыл хужалығы, тимер юл транспорты, химия, атом, фармацевтика, еңел сәнәғәт, руда табыу предприятиелары. 2023 йылда проектҡа төҙөлөш, яғыулыҡ-энергетика комплексы, IT-индустрия, йыһан тармаҡтары ла ҡушыласаҡ. Кластерҙар булдырыу буйынса конкурсҡа ғаризалар 10 июнгә тиклем ҡабул ителә. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының "Профессионалитет" федераль проекты 2030 йылға тиклем илдең социаль-иҡтисади үҫеше стратегик башланғыстар исемлегенә индерелгән. Ул үҙ алдына урта һөнәри белем биреү системаһында квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең яңы тармаҡ моделен булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. 2022 йылда "Профессионалитет" проекты 150 мең студентты берләштерәсәк. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Фән" милли проектына (национальный проект "Наука") ярашлы тормошҡа ашырыла. Фото һәм мәғлүмәт: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сайты. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Автор:Резеда Шәнгәрәева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Башҡортостанда ике ҙур юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү мәсьәләһенә бәйле бәхәстәр дауам итә. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе. Башҡортостанда ике ҙур юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү мәсьәләһенә бәйле бәхәстәр дауам итә. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе. – Иң ауыр ҡарарҙарҙы мин үҙ өҫтөмә алам. Әле беҙ ғилми проект – ҙур университет булдырыу алдында торабыҙ. Шул уҡ ваҡытта тар ҡарашлы кешеләрҙең провакациялары башланды. Улар аңламай, әгәр беҙ ҙур вуз булдырмаһаҡ, БДУ менән ӨДТАУ-ны берләштермәһәк, дәғүәле көрәштә еңеләсәкбеҙ, – тине республика етәксеһе. Был турала Радий Хәбиров 8 февралдә йәш ғалимдар менән осрашҡан сағында ла фекерен әйткәйне. “Беҙҙә лайыҡлы кадрҙар, ғилми мәктәптәр бар. Тик дәғүәселек тә арта. Республикабыҙ тирәләй ҡеүәтле ғилми-белем биреү комплекстары, федераль университеттар булдырыла. Әгәр был йүнәлештә беҙ ҙә тырышмаһаҡ, киләсәктә еңелеүебеҙ ихтимал”, – тигәйне ул. Әйткәндәй, университеттарҙы берләштереү идеяһын был уҡыу йорттары ректорҙары хуплаған. Ҡайһы бер ғалимдар һәм элекке ректорҙар ҡаршы сыҡҡан. Берләшеү тураһындағы ҡарарҙы вуздарҙың ғилми советтары ҡабул итергә тейеш. Фото: Башинформ. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Yu-ari-u-iu-yorttari-berl-sherme-678063/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Туйөмбәттәге Зәйнәб Биишеваның йорт -музейы "Башҡортостанда Асыҡ ишектәр көнө" республика акцияһына ҡушылды. Республика көнөнә арналған сарала ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, музейҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Тарихтың төп этаптары: үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ", "Райондың арҙаҡлы шәхестәре", "Шишмәләр иле Тыуған яғым..." фотокүргәҙмәләре эшләне, ишек алдында йәрминкә ойошторолдо, ауыл халҡы үҙ көсө менән концерт әҙерләне. Туйөмбәттәге Зәйнәб Биишеваның йорт -музейы "Башҡортостанда Асыҡ ишектәр көнө" республика акцияһына ҡушылды. Республика көнөнә арналған сарала ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, музейҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Тарихтың төп этаптары: үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ", "Райондың арҙаҡлы шәхестәре", "Шишмәләр иле Тыуған яғым..." фотокүргәҙмәләре эшләне, ишек алдында йәрминкә ойошторолдо, ауыл халҡы үҙ көсө менән концерт әҙерләне. Байрамға килгән халыҡты ойоштороусылар эҫе сәй менән дә һыйланы. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
“Cалауат мираҫы” конкурс-фестивале ҡалабыҙҙа бынан дүрт йыл элек уҙғарыла башлай. Киң юҫыҡта йәш таланттарҙы асыҡлау менән бер рәттән, уларҙы юғарыраҡ ижади бәйгеләргә дәртләндереү, ижади тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығы ул. Ойошторола башлауына күп ваҡыт үтмәһә лә, ул ҡалабыҙ сиктәренән сығып, төбәк сараһына әйләнде. “Cалауат мираҫы” конкурс-фестивале ҡалабыҙҙа бынан дүрт йыл элек уҙғарыла башлай. Киң юҫыҡта йәш таланттарҙы асыҡлау менән бер рәттән, уларҙы юғарыраҡ ижади бәйгеләргә дәртләндереү, ижади тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығы ул. Ойошторола башлауына күп ваҡыт үтмәһә лә, ул ҡалабыҙ сиктәренән сығып, төбәк сараһына әйләнде. Быйылғы “Салауат мираҫы” фестивале республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына һәм ҡалабыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына арналды. Конкурс үҙенең ижад даирәһе менән дә, географияһы менән дә йылдан-йыл киңәйә бара. Ул кешеләргә төрлө яҡлап үҙҙәренең һәләттәре менән таныштырыуға мөмкинлек бирә. Рух, илһам байрамы 5 йәштән алып 40-ҡа тиклемге йыр, бейеү, инструментта уйнау, һүрәт төшөрөү, графика, үҙенсәлекле жанр йүнәлештәре буйынса талант эйәләрен берләштерә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2018 йылғы ижад бәйгеһенә 350 ғариза бирелгән, бер меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙы ҡалабыҙҙың сәнғәт оҫталарынан тыш, республиканың абруйлы кешеләре - билдәле композитор Нур Дауытов һәм арҙаҡлы бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева баһаланы. “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә конкурсҡа йомғаҡ яһап еңеүселәрҙе ҡотлау, улар араһынан иң сағыу номерҙарҙы сәхнәгә сығарыусы Гала-концерт үтте. - Салауат таланттарға бай ҡала. Быйыл фестивалдә Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарынан да ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булды. Киләсәктә уның республика кимәленә сығырына ла ышаныс бар. Конкурс барыһына ла ҡанаттар ҡуйып, артабан да ижад яғынан үҫеүҙәренә булышлыҡ итһен, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2022 йылда йәшәү минимумын мең һумға — 12 654 һумға тиклем арттырырға ҡушты, тип хәбәр итә ТАСС. Йәшәү минимумы арта «Киләһе йылға федераль бюджет проектында хәҙер йәшәү минимумын 2,5 процентҡа индексациялау ҡаралған. Әлбиттә, был ғына етмәй, сөнки бындай параметрҙар һуңғы айҙарҙа күҙәтелгән ағымдағы инфляция кимәленән күпкә ҡалыша», — тине ул. «2022 йылға йәшәү минимумының юғарыраҡ планкаһын ҡуйырға , уны инфляция менән сағыштырғанда йылдамыраҡ темптар менән, атап әйткәндә, 8,6% арттырырға тәҡдим итәм. Илдә йәшәү минимумы айына 12 654 һумғаса артырға тейеш — был бөгөнгөгә ҡарағанда мең һумға күберәк», — тип дауам итте президент. Шулай уҡ президент 2022 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 8,6 процентҡа — айына 13 890 һумға хәтлем арттырырға ҡушты. Яҡын көндәрҙә Думаға минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын арттырыу тураһында төҙәтмәләр индерелә. "Башинформ". Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
- Хужабикәләр кәт­лит әҙерләгәндә, күпме тоҙ һалырға, тип аптырай. Ашнаҡсылар 1 кг фаршҡа 2 ҡалаҡ тоҙ һалырға кәңәш итә. - Кәбеҫтәне бешергәндә өҫтөнә ҡап­ҡас япмағыҙ. Бешеп етер алдынан аҙ ғына аш һеркәһе һәм шәкәр өҫтәгеҙ. Шулай эшләгән саҡта йәшелсәнең тәме бөтөнләй икенсе була. - Рассольникҡа ҡыяр­ҙы ҡыҙҙырып йәки бешереп һалһаң, һурпа тәмлерәк була. - Итте ҡыҙҙырғас, уны бүлмә тем­пе­ратураһында «ял ит­терегеҙ». Был ваҡытта ит уртаһындағы һыу бө­төн иткә тарала һәм ризыҡ тәмлерәк була. - Күмәс һәм кекстар матур булһын өсөн, улар бешкәс, өҫтөнә глазурь яғығыҙ. 2 – 3 ҡа­лаҡ шәкәрҙе шул уҡ күләмдәге һөттә ире­тегеҙ һәм сироп бар­лыҡҡа килгәнсе газ өҫтөндә йылытығыҙ. - Тәмләткестәрҙе быя­ла һауытта һаҡ­лағыҙ. Ҡағыҙ пакеттар уларҙың тәмен боҙа. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Асҡын районында бөгөн, йәғни 5 февралдә, балыҡсы ырыуы вәкилдәренең йыйыны башланды. Йыйындың дөйөм программаһына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мәғрифәт саралары ла ингән. Унда “Тамыр” телеканалы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы әҙерләнгән матур саралар бара. Асҡын районында бөгөн, йәғни 5 февралдә, балыҡсы ырыуы вәкилдәренең йыйыны башланды. Йыйындың дөйөм программаһына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мәғрифәт саралары ла ингән. Унда “Тамыр” телеканалы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы әҙерләнгән матур саралар бара. Балыҡсы ырыуы вәкилдәре йыйынының рәсми өлөшө төбәктең Урмияҙ ауылында башланды. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ғалимдар, карйҙы өйрәнеүселәр, Асҡын һәм Ҡариҙел районы делегаттары ҡатнаша. Сара барышында ҡунаҡтар “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған фольклор байрамында ла ҡатнашасаҡ. Тамыр телеканалы башҡортса йәнһүрәттәрҙең исем туйын, милли фотосессия ойоштора, "Аҡбуҙат" журналы район үҙәгенең 1-се һанлы мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар уҙғара. Башҡорт ырыуҙары йыйыны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме менән Башҡорт тарихы йылына арнала. Киләһе айҙарҙа ошондай уҡ йыйындар уран, ҡаңлы, унлар ырыуҙары ҡатнашлығында уҙасаҡ. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республикала пенсия алды йәшендәге кешеләргә һөнәри һәм өҫтәлмә белем биреү буйынса саралар үтеүен дауам итә. Предприятиелар һәм ойошмалар “Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты биргән мөмкинлектәрҙе баһалап өлгөрҙө лә инде. Улар хеҙмәткәрҙәргә заман хеҙмәт баҙарында, цифрлы иҡтисадҡа күскән осорҙа, көнәркәшлекте арттырырға ярҙам итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Республикала пенсия алды йәшендәге кешеләргә һөнәри һәм өҫтәлмә белем биреү буйынса саралар үтеүен дауам итә. Предприятиелар һәм ойошмалар “Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты биргән мөмкинлектәрҙе баһалап өлгөрҙө лә инде. Улар хеҙмәткәрҙәргә заман хеҙмәт баҙарында, цифрлы иҡтисадҡа күскән осорҙа, көнәркәшлекте арттырырға ярҙам итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан “Өфөводоканал” ойошмаһы ла был программаға ҡушылды. 50 йәштән оло хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәт һаҡлау, экология һәм хәүефһеҙлек институтында белем ала. Уҡыу программаһы граждандарҙың конкурентҡа һәләтлелеген арттырыуға, уларҙы яңы технологиялар һәм талаптар менән таныштырыуға, эштең һөҙөмтәһен арттырыуға йүнәлтелгән. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, белем алыусылар уҡыу һуңында мотлаҡ йомғаҡлау аттестацияһы үтә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң уларға уҡыу тураһында документ тапшырыла. Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан алынды. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Йәштәр өсөн китапханаға килеү ҡыҙыҡлы һәм популяр булһын өсөн Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә, яңы эш формалары табып, уларҙың йөкмәткеһен заманса талаптарға яраҡлаштыра. Шуға күрә лә улар өсөн төп уңыш – был урын китап һәм белем һөйөүселәрҙең яратҡан аралашыу һәм ял итеү урыны булып ҡалыуы. Йәштәр өсөн заманса уңайлы уҡыу залын асыу «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. «Йәштәр уҡыу залы» уҡыу һәм ижад, проекттар һәм инновациялар өҫтөндә эшләп, яңы офоҡтарға ынтылыусы барлыҡ йәш кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Йәш таланттарҙың был залда беренсе осрашыуы асыу тантанаһына тура килде. Унда ҡәләм тибрәтеүсе йәштәрҙән Даниил Андреев һәм Иншар Вәлитов, шиғыр ижад итеүҙә беренсе аҙымдарын яһаған Лиана Ҡунаҡҡулова һәм республика баҫмаларында ижад емештәре баҫылып тороусы Айгизә Йосопова, рэп стилендә ижад итеүсе талантлы, цифрлы телевидение индереү буйынса иң яҡшы волонтер исемен йөрөтөүсе Денис Әблиев. Йәштәрҙең күркәм ижады китап уҡыусыларҙың һәм шиғриәт һөйөүселәрҙең күңел түрен яулағандыр, моғайын. «Йәштәр уҡыу залы» - “Уңышҡа юл - китапхана аша!” девизы аҫтында эшләйәсәк. Бында китап уҡырға яратыусыларҙы һәр саҡ ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Бында килеүселәрҙе ҡыҙыҡлы белем биреү майҙансыҡтары, оҫталыҡ кластары, ыңғай кисерештәр һәм яҡшы кәйеф көтә. Рәсемдәрҙә: Йәштәр өсөн уҡыу залын асыу тантанаһынан күренештәр. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ул Салауат районы мәғариф бүлегенә етәкселек иткәндә Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнаша. “Рәсәй Федера­ция­һының иң яҡшы етәкселәре” асыҡ кон­курсына үҙенең шәхси һәм белем биреү ойошмаларының уңыштары тураһында материалдар ебәрә, тәжрибәһе һәм ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша. Әлбиттә, уларҙы төрлө ведомстволар биргән Почет грамоталары, Дипломдар, Рәхмәт хаттары менән дәлилләй. Конкурс Интернет аша уҙғарыла. Нелли Наил ҡыҙы ошо конкурс һөҙөм­тәләре буйынса “Рәсәй Феде­рация­һының иң яҡшы Етәк­селәре” Бөтә Рәсәй танылыуын яулауын раҫлаған Лауреат Таныҡлығына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Нелли Рәхмә­туллина ун йыл район мәғариф бүлеге начальнигы ва­зифаһында эшләне. Быйыл июндә ул Салауат районы Территориаль һайлау комиссияһына рәйес булып күсте. Айҙар НОҒАМАНОВ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Танылған шағир, прозаик, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммасҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Былтыр ул үҙенең 90 йәшен билдәләгәйне. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев маҡтаулы исемде шағирҙың өйөнә килеп тапшырҙы. Ул республика Башлығының ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе. – Бергәләп ҡыуанайыҡ, дуҫтар! Рауил Шаммас – Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры. Рауил Шаммас күптән инде ысын халыҡ әҙәбиәтсеһе, тигәнде минең яҙыусылар, ғалимдар, китап уҡыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән күп тапҡырҙар ишеткәнем бар. Хәҙер был юғары танылыу республика Башлығы Указы менән нығытылды. Ошондай юғары баһаға ысын йөрәктән барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тип яҙа «Инстаграм» селтәрендә улы Алмас Шаммасов, атаһының шатлығы менән бүлешеп. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Икенсе йыл рәттән республикала БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре ҡатнашлығында күсмә семинарҙар практикалана. Улар «Башҡортостан Республикаһында сауҙаны үҫтереү» дәүләт программаһын үтәү маҡсатында үткәрелә һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм халыҡтың, хужалыҡ субъекттарының хоҡуҡи белемлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге вәкилдәре, эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашлығында сара уҙған шаршамбы көндө беҙҙең районда ла үтте. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров асты. Ул йыйылыусыларҙы сауҙа нөктәләренең дөйөм иҫәбе, район халҡына күрһәтелгән хеҙмәт төрҙәре тураһында ҡыҫҡаса таныштырҙы. Уҙған йылда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бер яҙма мөрәжәғәт тә булманы, тип билдәләне ул. Был кешеләрҙең һәр ваҡыт һәм тулыһынса тауарҙар һәм хеҙмәттәр сифатынан ҡәнәғәт булыуын аңлатмай. Күпселек осраҡта, һатыусы һәм һатып алыусы килеп тыуған проблеманы урында хәл итә, был тауарҙы ҡайтарыуға, уны алмаштырыуға һ.б. ҡағыла. Әммә ҡайһы бер башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү, сауҙаның нескәлектәрен белеү ҡайһы саҡ еңел түгел. - Беҙ, дәүләт комитеты вәкилдәре, һәр саҡ ярҙам итергә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табырға тырышабыҙ, - тип мөрәжәғәт итте залда ултырыусыларға ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм реклама бүлеге начальнигы Ләлә Сөләймәнова. Ул федераль законда ҡайһы бер үҙгәрештәргә туҡталып үтте, төп хоҡуҡ боҙоу төрҙәре, планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр тураһында ентекле һөйләне. Бындай осрашыуҙар, тәү сиратта, эшҡыуарҙарға файҙалы, сөнки улар урында түләүһеҙ консультация ала, яңы сауҙа ҡағиҙәләре тураһында белә. Әммә, 10 апрель һанындағы гәзиттә был турала иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, барыһы тураһында ла хәбәрҙар булырға, хоҡуҡи белемлелеген арттырырға теләүселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп булманы. Ултырыштар залында егермеләгән кеше булды, улар араһында бөтәһе 5-6 эшҡыуар. Шуға ҡарамаҫтан, һорауҙар етерлек булды. Улар аҙыҡ-түлек, тауар сифатын тикшереүгә, гарантия сроктарына бәйле ине. Район халҡы өсөн был көндө 12.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем «Ҡыҙыу линия» эшләне, шулай уҡ район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлегенең баш инженеры кабинетында сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса белгестәр шәхси ҡабул итеү үткәрҙе (һүрәттә). Бында ла ҡулланыусылар һәм эшҡыуарҙар яғынан да әүҙемлек күҙәтелмәне. Артабан Ләлә Хәмзә ҡыҙы Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш филиалы уҡыусылары өсөн лекция-әңгәмә үткәрҙе, шул уҡ ваҡытта «Арзан» сауҙа үҙәгендә консультация өҫтәле (һүрәттә) эшләне. - Шәхси ҡабул итеүгә шәхси эшҡыуарҙар ҙа, һатып алыусылар ҙа килде, - тине граждандарҙың һорауҙарына яуап биргән баш белгес-эксперт Оксана Сафина. - Һорауҙар, нигеҙҙә, тейешле һәм (йәки) насар сифатлы аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарҙы алмаштырыуға һәм кире ҡайтарыуға ҡағылды. Шулай уҡ эске кейем, метрлап һатылған төҙөлөш материалдарын, мәҫәлән, ленолеумды алмаштырыуға һәм кире ҡайтарыуға бәйле һорауҙар булды. (Әйткәндәй, РФ Хөкүмәтенең 1998 йылдың 19 ғинуарындағы 55 һанлы ҡарарына ярашлы, был тауарҙарҙы кире ҡайтарырға һәм алмаштырырға ярамай). Шулай уҡ белгестәргә сауҙа үҙәге һатыусылары браклы тауарҙарҙы кире ҡайтарыуға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Күсмә сара барышында ҡулланыусыларға көнүҙәк һәм файҙалы мәғлүмәт яҙылған брошюралар таратылды. Фаягөл ЙОСОПОВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Айһылыу бала саҡтан уйсан булды, тәбиғәтте яратты. Болондар буйлап еләк, файҙалы үләндәр йыйып үҫте. Сәскәләрҙең көләс йөҙөнә, һәр япраҡтың үҙенсәлекле һырҙарына һоҡланыр ине. КӘКҮК ӘСӘ (Булған хәл) Кәкүк әсәй (булған хәл, исемдәре үҙгәртелде) автор: Баймырҙина Римма Айһылыу бала саҡтан уйсан булды, тәбиғәтте яратты. Болондар буйлап еләк, файҙалы үләндәр йыйып үҫте. Сәскәләрҙең көләс йөҙөнә, һәр япраҡтың үҙенсәлекле һырҙарына һоҡланыр ине. Хатта елдә елферләгән ағас япраҡтарына ла үҙ итеп бағыр булды. Ҡыҙҙың хисле күңеле һәр тереклекте яратып, аҡҡан һыуҙарҙың серле бер моң көйләп сылтыраған тауышына ғашиҡ булды. Төпһеҙ киңлектәрҙә йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап, тик ҡыҙҙар күңеленә генә һыя алған һөйөү менән инанды был тормошҡа. Мәктәптә уҡығанда ирекле темаға инша яҙғас, уҡытыусы уҡып һәләтен күреп һоҡланыуын йәшерә алманы: --Айһылыу, һинән журналист йә башҡорт теле уҡытыусыһы сығасаҡ, уҡыуҙы тамамлағас та ҙур уҡыу йортона кереп, уҡырға кәрәк,--тип киҫәтеп әйтеп ҡуйҙы. Имтихандарға әҙерлек башланды, Айһылыу ирекле тема яҙыр өсөн, атаһы мәрхүмдең журналдарын аҡтарып инша өсөн материал эҙләне. Эх, ошо күрәсәген алдан белгән булһа, бәлки ҡағылмаған да булыр ине, бөхтә итеп теҙелгән журналдар өйөменә. Шул журнал араһынан иҙәнгә төшкән, һарғайып бөткән ҡағыҙ, бөтөнләйгә яҙмышын үҙгәртте ҡыҙҙың. Шул ҡағыҙҙа яҙылған алыш - биреш договорын уҡығас, үҙенең аҫырауға алынғанын да белгәс, шаҡ ҡатып телһеҙ ҡалды. Йөрәге йыш - йыш типте, йөҙөнә һалҡын тир бәреп сыҡты, тамағына төйөлгән төйөр тын юлын быуҙы, урғылып аҡҡан күҙ йәштәре, күҙ күрешен томаланы. Сабый яҙмышы менән шаярған кешеләргә нәфрәтләнде. Ул ташландыҡ бала...Ул бит кемгәлер кәрәкмәгән...Үҙ әсәһе сабыйынан баш тартҡан...Ә тәрбиәгә алғандары балалары юҡлыҡтан, алыш - бирешкә дусар булғандар. Айһылыу әсәһенең ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды, ниһайәт, әсә ҡайтты, йөҙе ағарынған ҡыҙын күреп ҡото алынды. Ҡыҙ бала һорау артынан һорау яуҙырҙы, ә әсәһе илай - илай , түкмәй - сәсмәй һөйләп бирҙе, бер ни ҙә йәшермәй. Айһылыуҙың тәүге кисереше, үҙ әсәһен эҙләп табып, күҙҙәренә ҡарап тик бер генә һорау бирәһе ине. Ваҡыт үтеү менән үҙенә маҡсат итеп ҡуйған ғәмәлдән, ниҙер тотҡарланы Айһылыуҙы. Ҡарап үҫтергән әсәһен рәнйетеүҙәнме ҡурҡып, күңел түрендә тынғы бирмәгән һыҙлауыҡтан, нисек ҡотолорға белмәй йонсоны. Шул ҡағыҙ киҫәген бер алды, бер һалды, " ҡул тамғаһын ҡуйғанда, нисек ҡулы ҡалтырамаған кәкүк әсәнең тиеп" йөрәге телгәләнде. Ниһайәт, ул бер ҡарарға килде, ҡағыҙ киҫәген ботарлап йыртҡысланы ла, утҡа ырғытты. Ул тарих шул килеш, көлгә әйләнеп, елгә таралды. Күҙ ҡарашын йыраҡҡа төбәп, күҙ йәштәренә быуылып, оҙаҡ ҡына уйланып торҙо Тәскирә. Өҫтәүенә радио тулҡынынан яңғыраған йыр ҙа сәбәпсе булды, ниндәй моңло йыр, йөрәккә үтеп кереп күңел түрен айҡап сыҡты ла, үткәндәргә алып ҡайтты. Шулай итеп Тәскирә инәйҙең ғүмер йомғағы әкрен генә һүтелде, ә күҙ йәштәре туҡтауһыҙ түгелде лә түгелде. Үтте лә китте йәшлегем Үткәнендә тойманым, Йә үтмә тип, йә китмә тип Үҙем дә бит тыйманым... Берәм - берәм күҙ алдынан үткәрҙе, бәхетле көндәре лә әҙ булманы, ҡайғы - хәсрәте лә ситләп уҙманы. Күңел түрендә һаҡлап йөрөткән ауыр таш, нисәмә йылдар инде тынғы бирмәй әйләнгән һайын иҫбатлап торҙо көс еткеһеҙ ауыр йөк ятҡанлығын, йөрәген тырнап ҡайтанан ҡайта ҡан һауып һыҡыратты. Оноторға тиеп күпме тырышһала онота алманы, ҡайҙа ғына барһа ла эҙәрлекләне, "минән ҡасып ҡотола алмаҫһың"- тигәндәй гел киҫәтеп торҙо. Их, был йәшлек хатаһы, ниңә шул саҡта башына төшкән аңлайышһыҙ ҡатмарлы мәсьәләне ул ваҡытында хәл итә алманы??? Фәһемле генә кәңәш бирерлек, аҡыл өйрәтерлек берәр яҡын кешеһе булманымы?? Тормош юлының тәүге боролошонда уҡ ул абынды. Ауырлыҡтанмы, яуаплылыҡтанмы ҡурҡып кеше башына һыймаҫлык яңылышлыҡ эшләне. Яңлышлыҡ ҡына ла түгел, енәйәт ҡылды тиһәк дөрөҫөрәк булыр. 1936 йылдың йәмле йәйендә, ғаиләлә өсөнсө булып ҡыҙ бала Тәскирә тыуа. Ата - әсәһен һөйөндөреп тулы ғаиләлә татыу ғына ғүмер кисергәндә, ҡәһәрле һуғыш башлана. Биш йәшлек Тәскирә, оло апаһы һәм ағайы артынан эйәреп, ауыл осона саҡлы атаһын һуғышҡа оҙатып бара, атаһының бәләкәсем минең тип күтәреп күккә сөйгәне бөгөнгөләй иҫендә . Аслыҡ-яланғаслыҡҡа бирешмәй, ауырлыҡтан ҡурыҡмай бәләкәйҙән эшһөйәр тырыш булып үҫә Тәскирә. Атаһы һуғыштан еңеү яулап иҫән - һау әйләнеп ҡайта. Тик әсәһе генә күрә алмай, ҡаты сирҙән һуң, аяҡҡа баҫа алмай гүр эйәһе була. Ир - атҡа ҡытлыҡ саҡта икенсе ҡатын табыуы ауыр булмағанлыҡтан, әнейҙәрен Мәстүрә инәй алыштыра. Уның ире һуғышта вафат була, ул да өс бала эйәртеп килә. Ғаилә һаны йылдан - йыл ишәйә, бер - бер артлы уртаҡ ҡыҙ - улдары тыуа. Тәскирә бик һылыу зифа буйлы, мөләйем йөҙле, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, муйылдай сөм - ҡара күҙле ҡашыҡҡа ғына һалып йотарлыҡ һылыу ҡыҙ булып үҫҽп ҽтә. Һылыулығы менән ауылдаштарын ғына түгел, күрше тирә ауыл егеттәренең дә йөрәген ҽлкҽндҽрә. Ун һигеҙе тулғанда инде ул үҙе ғашик була, һомғол кәүҙәле, осҡон сәсеп торган ҡара күҙле күрше ауыл егете Сәлим, йәш ҡыҙҙың йөрәген бер күреүҙә әсирлеккә ала. Ике йәш йөрәк берҙәй булып тибә, киләсәктәрен бер - береһенән башҡа күҙ алдына ла китерә алмайҙар. Күпме айлы төндәрҙе бергә үткәрҙеләр, көн үткәнен көтөп ала алмай һағынышып бөтәләр ине. Һуңғы осрашыуҙары бөгөнгеләй иҫендә Тәскирәнең, ул көнде Сәлим ниңәлер иртәрәк килде, көтөү ҡайтып эңер төшә генә башлау менән килеп тә етте. Ниҙер һиҙенгән Тәскирә һораулы күҙ ҡарашын Сәлимгә төбәне. Осҡон сәсеп торған күҙҙәр моңһоу ине, башын түбән эйеп саҡ - саҡ өндәште Сәлим һөйгәненә "мин иртәгә китәм"- тип. Хеҙмәткә алыныры билгеле булһа ла, көтөлмәгән хәбәр кеүек ҡабул итте ҡыҙ. " Һинһеҙ нисек йәшәрмен?"- тип үкһеп илап Сәлим күкрәгенә башын һалды, "йүләркәйем минең, мәңгелеккә китмәйем дә инде"- тип һөйгәнен тынысландырҙы егет. Көтәрһеңме мине тигән һорауға " көтәм, ғүмерем буйы көтәргә лә ризамын"- тине. Сәлимде оҙатҡас күп тә үтмәй балаға уҙғанлығын аңланы Тәскирә, төн йоҡлай алмай тиҙерәк таң атҡанын көттө, бәлки бөгөн хат килер тип өмөтләнде, һөйгәнен шатлыҡлы хәбәр менән тәүгеләрҙән булып һөйөндөрәһе килде уның. Юлдан ғына яҙған бер хаттан башҡа хат булманы, ай артынан ай үтте, илай - илай күҙ йәштәре кибеп бөткән Тәскирә һаман өмөтөн өҙмәне көттө...бәлки бөгөн... бәлки иртәгә... Билгеһеҙлектән этләнеп, кеше күҙенә күренеүҙән оялып ни эшләргә лә белмәй йөрөгәндә, һөйөү емештәре донъяға килде, бер һөйөндө, бер көйөндө Тәскирә . Ай яҡтыһында бүләк ителгәнгәме һөйөү емешенә Тәскирә Айһылыу тип исем бирҙе. Хәбәрһеҙ юғалған Сәлимдең Саратов өлкәһендә хеҙмәт иткәнен, икенсе ҡыҙға өйләнгәнен ишеткәс, Тәскирә таш һын һымаҡ ҡатып ҡалды. Ни булды һуң? Кем гәйепле? Ниңә? Ни эшләп? Мең төрлө һорауҙар баш мейеһендә ҡайнаны, аяҡ аҫтында ер убылғандай, ҡояш та яҡтыртмаған һыу ағышы ла туҡталғандай тойолдо. Ғәрлегенән ер тишегенә керергә әҙер ине ул, үгәй әсәһенең сәнскеле һүҙҙәре, атаһының ҡаш емереп ҡарауы, урамда бармаҡ төртөп күрһәтеп шырҡ- шырҡ көлөшкән бисәләрҙән ҡайҙа ҡасып ҡотолорға белмәне. Берҙән - бер көндө түҙемлеге бөтөп, йәшәүҙән төңөлгән Тәскирә сабыйын ҡосаҡлап оло юлға сыға. Үткән машинаға ҡул күтәреп туҡтатты, " һылыу, ҡайҙа бараһың"- тигән һорауға " ҡайҙа булһа ла"- тип яуапланы. Ниһайәт, ул сит районда ине, мында уны бер кемдә белмәй, һәм мыҫкыллап көлмәйәсәк тә, иртәгә ни булаһын, ҡайҙа төн ҡунаһын башына ла китермәне. Балаһын күтәреп оҙак баҫып торҙо урғылып аҡҡан йылға яры башында, мына бит ҡотолоу ысулы тип шатланып уҡ ҡуйҙы. Бер кемдә белмәҫ, иҫкә алыусы ла булмаҫ, ниңә миңә был донъяла йәшәргә тип, урғылып аҡҡан ташҡын ҡосағына ынтылды. --Һеңлем, ни эшләргә йыйындың?-- тигән тауышҡа һиҫкәнеп айнып китте, боролоп ҡараһа оло йәштәге ҡатын ҡулынан һөйрәй ине. Түкмәй - сәсмәй башынан үткәндәрҙе һөйләне Тәскирә, икәүләшеп үкһеп -үкһеп ҡосаҡлашып илаштылар. Нәсимә апай ҙа үҙенең аһ - зарҙарын һөйләне, бала һөйөү бәхетенән мәхрүм икәнлеген, нисәмә йылдар һөйөкле тормош иптәше менән бала көткәндәрен. Йортона алып ҡайтты, ашатып йыуындырып йоҡларга урын түшәп бирҙе мөләйем йөҙлө фәрҽштә йәнлҽ Нәсимә. Икенсе көнде иртән тороп сәй эсеп утырғанда, " миңә бала кәрәкмәй"- тип Тәскирә ҡырт киҫеп әйтте лә һалды. Яҙмышының шулай ҡырҡа үҙгәрҽүҽ, ҡырыҫлыҡ күрһәтҽүе, бөтөн килеп сыҡҡан уңайһыҙлыҡтарына шул сабый баланан ғәйеп эҙләне, күңеле ҡатты, күңел генә түгел йөрәге боҙға әйләнеп туңды. Гөмүмән ауыр мәсьәлә хәл ителде, ҡыҙын сабыйын сит кешегә ҡалдырып башы һуҡҡан яҡҡа сығып китте. Хушлашканда иларға тырышманы, үҙ ҡулдары менән договорга ҡул тамғаһын ҡуйып, юллыҡ аҡса алып, "башҡаса һеҙҙе борсомам "- тип китеп барҙы. Үзбәкҽстан яғында йыраҡ туғандарына барып урынлашты, төҙөлөшкә эшкә кереп тормош юлын өр - яңынан башлап ебәрергә тырышты. Йәшлек үҙенекен итте, йөрәк һыҙлауы онотолғандай, ҡылған хатаһы юйылғандай тойолдо, яңынан ғашик булып кейәүгә сыҡты, оҙаҡ йылдар йәшәнеләр тик балаға уҙа алманы. Табиптарға күренеп ҡараны, бер ниндәйҙә сәбәп табылманы. Ире миңә бала тапмаған ҡатын кәрәкмәй тип айырып ебәрҙе. Бер - нисә тапҡыр ҡабатлана шул хәл, юҡ балаға уҙа алмай. Тәскирә әлеге үҙҽ ташлап киткән баланы ғәйҽпләнҽ , рәнйеше төштө ахырыһы, шуға күрә Аллаһ Тәғәлә миңә бала бирмәй тип үҙен тынысландырҙы. Ғүмере бик күңелле үтте, уйнап - көлөп, үҙ - үҙен генә ҡарап, үҙен яратып йәшәне. Йәшлек сибәрлеге лә ҡояшта уңған сепрәк кеүек төҫөн бик тиҙ юғалтты, ғаилә ҡора алмай, ирһҽҙ, балаһыҙ яңғыҙы ҡалды, бәхҽтлҽ өй тулы балаһы булып сабыр ғына парлы донъя көткәндәргә көнләшҽп ҡараны. Уның да бит ысын барлыҡта баш тартҡан ҡыҙы бар Айһылыуы. Уңа ла хәҙер 60 йәш тирәһе, ейән - ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшкәнен ишетеп белә инҽ Тәскирә. Тик ғәфү һорап барырға ғына баҙнат итмәне, ҡарттар йортона килеп эләккәс тә өмөтләнеп ниҙер көттө, тәҙерәнән күҙен алмай, шешенеп бөткәнсе илап көттө. Тәскирәнең йөрәгенә шырау булып ҡаҙалған яңылышлыҡ, ваҡыт-ваҡыты менән иҫкәртеп торҙо, урамда бала күрһә тотоп һөйәһе килде, күҙ йәштәренә мансылып күпме иланы, йөрәге һулҡылдап һыҙланы. Тик терһәк яҡын ғына булһа ла тешләргә бик ауыр һәм ғөмүмән бик һуң ине инде... Яҙмыш кешене күп төрлө ауырлыҡтар биреп һынай, һәр кемдең үҙ ихтияры, кемдер яҙмышына бойһонып йәшәй, кемдер үҙгәртергә тырышып һуңғы көсөнә, һуңғы һулышына саҡлы көрәшә. Көслө рухлылар, сабырҙар ғына маҡсаттарына ирешә һәм бәхеткә лайыҡ була ала. Яҙмышты үҙгәртеп булһа ла, яңылышты төҙәтеп булмай икәнлеген, "яҙмыш һинең теҙ аҫтыңа китереп һуҡһа - йығылмаҫ өсөн яғаһына йәбеш"- тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә Тәскирә яңы ғына төшөндө... Ғаилә ул - тормоштың нигеҙе, ата - әсә уның тотҡаһы, ә балалар ғаиләнең көҙгөһе. Ғаиләне балаларһыҙ күҙ алдына китереүе бик ауыр. Улар беҙең тормошобыҙ йәме, биҙәге, ғүмер сәскәһе. Еңел генә уйлап, ауырлыҡтан, яуаплылыҡтан ҡурҡып яңылышмаһаҡ ине. Был донъяға "йәшәргә килдем"- тип ауаз һалған бер гонаһһыҙ сабыйҙан баш тартмаһаҡ, әсәй исеменә тап төшөрмәһәк ине. Бала Аллаһ биргән иң ҡиммәтле бүләк икәнен онотмай, ҡәҙерләп, һаҡлап, яратып балам тип йән атып йәшәһен ине һәр ӘСӘ...
Хәбәрҙәр: Рәсәйҙә коммерция булмаған ойошмалар тикшерелә: көс стркутуралары “сит ил агенттары”н эҙләй. Хәбәрҙәр четверг, 28 марта 2013 г. Рәсәйҙә коммерция булмаған ойошмалар тикшерелә: көс стркутуралары “сит ил агенттары”н эҙләй. Рәсәй хоҡуҡ һаҡлаусылары “сит ил агенты”билдәһенә тап килергә мөмкин булған ойошмаларҙы эҙләү яңынан башланыуы хаҡында хәбәр итә. Уларҙың хәбәр итеүенсә, прокуратура, һалым инспекцияһы һәм юстиция министрлығы хеҙмәткәрҙәре шаршамбы көн «Human Rights Watch», «Мемориал», «Transparency International» һәм «Гражданское содействие» офистарына килгән. Ойошма хеҙмәткәрҙәре был тикшереүҙәрҙе граждандар йәмәғәтселегенә баҫым яһау рәүешендә ҡабул итә. “Коррупцияға ҡаршы кампания ҡыҙған мәлдә, коррупцияға ҡаршы ойошмаларға баҫым яһау дөрөҫ түгел, был сәйәси һуҡырлыҡ,-”тип иҫәпләй коррупцияға ҡаршы тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән Рәсәйҙәге «Transparency International» бүлеге етәксеһе Елена Панфилова. Прокуратурала һәм юстиция министрлығында быны ойошмалар эшмәкәрлегенең Рәсәй ҡануниәтенә тап килеүен планлы рәүештә тикшереү, тип аңлаталар. Бында һүҙ коммерция булмаған ойошмаларға ҡағылышлы яңы закон хаҡында һүҙ бара. Уның буйынса сит илдән ярҙам алған бөтә бындай ойошмалар “сит ил агенттары” тип теркәлергә тейеш. ”Был, әлбиттә, граждандар йәмәғәтселегенә баҫым яһау. План тураһында һүҙ булыуы мөмкин түгел, сөнки тикшереүҙәр һәр ерҙә үтә. Алдан хәбәр итмәйенсә, көтмәгәндә килеп баҫтылар. Беҙ хөкүмәткә ҡаршы эшләмәйбеҙ, хөкүмәт халыҡҡа ҡаршы эшләй, тип ҡурҡам,-”ти ҡасаҡтарға ярҙам итеү менән шөғөлләнгән«Гражданское содействие» ойошмаһы етәксеһе Светлана Ганнушкина. Рәсәй президенты Владимир Путин коммерция булмаған ойошмалар, айырыуса сит илдән ярҙам алған ойошмалар өҫтөнән контролде көсәйтергә кәрәк, тип белдергәндән һуң бер ай үткәс, тикшереүҙәр башланды. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, көс структуралары бер нисә көн эсендә бөтә Рәсәй буйынса 84 ойошмаға визит яһаған. Германия һәм Франция Рәсәйҙән аңлатма биреүҙе һораған. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Яҙҙың тәүге көнөндә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡорт автономияһының 100 йыллығына арналған “Республикама дан йырлайым!” шиғыр һөйләүселәрҙең муниципаль конкурсы булып үтте. Башҡорт гимназияһы ойошторған был сарала район-ҡаланан 13 мәктәп ҡатнашты. Баш ҡалабыҙҙа башланып киткән “Йөрәк һүҙе” проектын тамашасы яратып ҡабул иткәйне. Тиҙ арала ул район-ҡалаларға, сит өлкәләргә лә барып етте. Ике-өс кешенең бергә шиғыр һөйләүе, унда моң да, музыка ла ҡушылып китеүе - үҙе бер йәнле тамаша булып ҡабул ителде. Ҡала башҡорт гимназияһында үткән конкурс положениеһына ярашлы, ҡатнашыусылар уға етди әҙерлектәрен иҫбатланы. “Уҡытыусы-уҡыусы”, ”Уҡытыусы-уҡытыусы”, ”Әсәбалалар”, ”Уҡыусы-уҡыусы”, ”Атайул”, ”Өләсәй-ейәнсәр” номинацияларында ярышты шиғыр һөйөүселәр. Шиғриәт байрамын ойоштороусылар - алып барыусы һәм координатор, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Зилә Мингәрәйева, мәғариф идаралығының башҡорт теле уҡытыусылары методисы Лариса Әхмәтшина уҡыусыларға, ата-әсәләргә оло юбилейға арналған конкурста уңыштар, яҡшы баһа, күтәренке кәйеф теләнеләр һәм ошо бәйгегә тура килгән Башҡорт ғаиләһе көнө менән ихлас ҡотланылар. Башҡорт гимназияһы уҡыусылары бер сәхнә булып теҙелешеп, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын һөйләп, артабан конкурстың йәнле барыуына өмөт уятты. Шиғыр һөйләүселәр бөтәһе лә сәхнә биҙәге булды тип әйтерлек. Башҡорт гимназияһынан Гөлназ Тураева ҡыҙҙары Зарина һәм Камила менән, Үткәл мәктәбенән Рүзидә Ғәйфуллина улы Арыҫлан, ҡыҙы Айгүзәл, Шығайҙан Гөлсөм Йылҡыбаева менән уҡыусыһы Нилә Лоҡманова, Асынан Зөлфирә Йосопова ҡыҙы Сөмбөл менән, Йәмил Садретдинов менән улы Алмаз, Әлиә Ғәниева менән уҡыусыһы Гөлнәзирә Садретдинова, Мәхмүт мәктәбенән Мәхүбә Һибәтуллина ейәнсәре Лилиә менән, гимназиянан Айгөл Абдуллина улы Сәлих менән, Гөлнара Зикрина ҡыҙы Алтынай менән, Ғәбдөктән Рәүфә Айытбаева Һәм уҡыусыһы Айҙар Тәҡиуллин, Манышты мәктәбенән Ләйсән Фәйзуллина менән уҡыусыһы Амаль, Мәхмүт, Сермән, лицей-интернат, ҡаланың 14-се гимназияһы, 16-сы, 17-се мәктәптәре уҡыусылары башҡарыуындағы шиғырҙар уңышлы яңғыраны, күңел ҡылдарын сиртте. Манышты мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы - төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнаған Амаль Садекова ҡурайҙа һыҙҙырып ебәрҙе. Абҙаҡ мәктәбе уҡыусыларының ауылдаштары, шағир Әхмәҙин Әфтәх һәм Әнисә Ғәзизованың шиғырҙарын һөйләүе маҡтауға лайыҡ булды. Баһалау комиссияһы ағзалары ҡатнашыусының сәхнәлә үҙен тота белеүенә, шиғыр һөйләү оҫталығына, тауыштың яңғырауына, тамашасыны йәлеп итә белеү маһирлығына, милли кейемдәргә, төрлө техник саралар ҡулланылышына иғтибар итте, шуға ярашлы баһа ҡуйҙы. Конкурста халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Хәсән Назар, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбай, Абдулхаҡ Игебаев, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, Рәмил Йәнбәк һәм башҡа шағирҙарҙың шиғыр-поэмалары ишетелде. Республикабыҙ юбилейына арналған ҙур сара шулай тантаналы, йөрәктәрҙән йөрәктәргә үтеп инерлек аһәңле яңғыраны. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә һынатманы, бөтәһе лә маҡтауға лайыҡ. Һәр сығыш яһаусыны алҡышлап, йөпләп, уны илһамланып тыңланы тамашасы. Ә инде республикаһына дан йырлаусылар киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ сығыш яһаясағына ышаныс, өмөт менән дәртләнеп, илһамланып ҡайтҡандыр. Һәммәһе лә туған республикаһын сикһеҙ һөйөүен, яратыуын, һоҡланыуын, уны һаҡларға һәм яҡларға әҙер булыуын әйтеп еткерә алды. Урындар түбәндәгесә бүленде: “Уҡытыусы-уҡыусы” номинацияһында I урын - Манышты мәктәбе, II урын - Шығай, Асы мәктәптәре, III урын - Ғәбдөк мәктәбе. “Әсә-бала” номинацияһында I урын - Үткәл мәктәбенән Рүзидә Ғәйфуллина балалары Айгүзәл, Арыҫлан менән, Асынан Йәмил Садретдинов улы Алмаз менән. II урын - Мәхмүттән Мәхүбә Һибәтуллина менән ейәнсәре Лилиә, Башҡорт гимназияһынан Айгөл Абдуллина улы Сәлих менән. III урын - Асынан Зөлфирә Йосопова менән ҡыҙы Сөмбөл, Башҡорт гимназияһынан Гөлнара Зикрина ҡыҙы Алтынай, Гөлназ Тураева ҡыҙҙары Камила, Зарина менән. “Уҡытыусы-уҡытыусы” номинацияһында I урын - Үткәл мәктәбе уҡытыусылары Нурсилә Йомағужина, Рүзидә Ғәйфуллина. “Уҡыусы-уҡыусы” номинацияһында I урын - лицей-интернаттан Рәмилә Динисламова, Алмаз Малыбаев, Сермәндән Әҙилә Хаирова, Анелия Астангалина, ҡаланың 14-ce гимназияһынан Иҙел Әлхәмов, Динә Мөхсинова, Батырхан Мөхәмәтдинов. II урын - ҡаланың 16-сы мәктәбенән Самир Сәйфетдинов, Мәхмүт мәктәбенән Гүзәл Баййегетова, Алтынай Әбдрәхимова, Ғәбдөктән Нәркәс Әхмәтйәнова, Ильяс Шөғәйепов. III урын - лицей-интернаттан Гүзәл Аллаярова, Наҙгөл Нәбиуллина, 14-се гимназиянан Лилиә Аҡманова, Рената Шакирова. Шцлай итеп, “Йөрәк һүҙен” йөрәктәр ҡабул итте. Шиғриәт байрамын баһалау комиссияһы ағзаһы, шағирә Зөһрә Үтәғолова шиғыры менән йомғаҡлап ҡуйҙы. Конкурста ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар тапшырылды. “Республикама дан йырлайым!” байрамын башҡорт гимназияһы уҡыусылары йыр-бейеүҙәре менән биҙәне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Табын ырыуы йәштәре йыйыны быйыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында үтеп, республиканың 100 йыллығына, шулай уҡ Ғаилә йылына арналды. Унда Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Әбйәлил, Белорет, Дәүләкән, Салауат райондарынан, күрше Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләренән делегация ҡатнашты. Фестиваль программаһы бик бай булды. "Табын батыры" конкурсында районыбыҙ данын Илфар Фәйзелхаҡов яҡланы. Ул һүҙ-тел маһирлығында сығыш яһауҙа, ат егеүҙә, армрестлинг буйынса ярышта, милли көрәштә ҡатнашып, иң яҡшы өс батыр исемлегенә инде. Егеттәр яланда үҙ-ара көс алышҡан арала, туғыҙ ҡыҙ "Табын һылыуы" исеменә дәғүәһен белдереп, сәхнәлә һынау тотто. Улар үҙҙәре менән дә таныштырҙы, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталығын күрһәтте, ижади номерҙар менән дә сығыш яһаны. Райондашыбыҙ Эльза Карамова жюри тарафынан юғары баһа алды һәм Почет грамотаһына лайыҡ булды. Тирмәләр конкурсында ла ҡариҙелдәр өс иң яҡшылар рәтендә булды. Бында оҫталарҙың ҡул эштәре һәм Шәфи Мостафиндың шәжәрәһе тәҡдим ителде. “Сабыйҙы кендек әбейенән һатып алыу” тип исемләнгән тамаша өсөн беҙҙең делегацияны Рәхмәт хаты менән билдәләнеләр. Спорт программаһында Илдарис Хәтмуллинға тиңдәр булманы. Ул гер күтәреүҙә үҙенең ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яуланы. Волейбол буйынса ярышта спортсыларыбыҙ өсөнсө урынға иреште. ”Шайморатов генерал” йырын башҡарыусы Инзил Ғайсин концерт программаһын биҙәне. Был рухлы саранан ҡариҙелдәр (барлығы 14 кеше) үҙҙәрен күрһәтеп,башҡаларҙы ҡарап, тәжрибә уртаҡлашып, илһамланып ҡайтты. Артур Римов. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, көҙҙөң икенсе айының тәүге көндәрендә үк ямғырҙар башлана, улар кәмендә аҙна буйына дауам итә. 5 октябрҙән һуң һауа температураһы әкренләп түбәнәйә башлай һәм көндөҙ +4, +9 градус була. Төндә термометр бағанаһы -1 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар әлегә беренсе ҡар тураһында фаразға һаҡлыҡ менән ҡарай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Өфөлә тәүге ҡар 23 сентябрҙә яуғайны. https://www.bashinform.ru/news/1494579-oktyabr-v-bashkirii-nachnetsya-s-prolivnykh-dozhdey/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
7 сентябрҙә район үҙәгенең Геройҙар Аллеяһы эргәһендәге майҙанда локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу митингыһы үтте. Уға хәрби бәрелештәр ветерандары, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, Балалар ижады үҙәгенең “Йәш армия” берекмәһе ағзалары, мәктәп уҡыусылары килгәйне. Митинг алдынан “Перевал” төркөмө солисы Марс Хәйруллиндың, хәрби бәрелештәр ветераны Андрей Рыбалконың йырҙары яңғыраны. Сараны район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы В.И.Герасимов асып, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирҙе. Ул локаль һуғыш, сик һағы, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын, һәләк булғандарҙың туғандарын тәбрикләне, был көндөң мөһимлеген билдәләп, Афған һуғышында ҡатнашҡан 200-ҙән ашыу, Чечен Республикаһында булған 250-нән ашыу райондашыбыҙ менән ғорурланабыҙ, ил алдында бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән яугирҙарҙың батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, тине. “Хәрби туғанлыҡ” төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Андрей Пронин Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Район хәрби бәрелештәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров алтынсы йыл рәттән уҙғарылған Хәтер көнөнә килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар һәйкәленә тере сәскәләр һалынды. Митингынан һуң барыһы ла “Йәшлек” паркында уҙасаҡ спорт ярыштарына юлланды. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Инвалидтар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу һәр ҙур тораҡ пунктында иң мөһим бурыстарҙың береһенә әйләнде. Һис шикһеҙ, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар сәләмәт кешеләр менән тиң рәүештә мәҙәниәт уңайлыҡтары менән файҙалана, төрлө дәүләт учреждениеларына бара алырға тейеш. Ошо маҡсатта район территорияһында инвалидтар һәм башҡа хәрәкәттәре сикләнгән граждандар өсөн объекттар һәм социаль инфраструктура хеҙмәтенең ҡаршылыҡһыҙ булыуын тикшереү буйынса эшсе төркөм Бүребай ауылындағы социаль әһәмиәттәге объекттарға рейд үткәрҙе. Эшсе төркөм халыҡ күп йөрөгән мәктәп, мәҙәниәт йорто, табип амбулаторияһы, сәнғәт мәктәбе, ауыл хакимиәте һәм күп функциялы үҙәк, дәүләт дарыуханаһы биналарында инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән пандустарҙы тикшерҙе. Әйтергә кәрәк, учреждениеларға пандустар ҡуйыу — инвалидтарҙың күп һанлы проблемаларын хәл итеүҙә тәүге аҙым. Тикшереү барышында күренеүенсә, Бүребайҙа социаль әһәмиәттәге объекттарҙа пандустарҙың дәүләт стандарттарына яуап бирмәүе һәм талаптарға ярашлы эшләнмәүе асыҡланды. Мәҫәлән, мәктәптең пандусы тайғаҡ, яндауыры бер яҡта ғына булыуы, саҡырыу төймәһе булмауы асыҡланды. Шулай уҡ Бүребай ауыл хакимиәте һәм күп функциялы үҙәк бинаһындағы ла талаптарға яуап бирмәй. Мәҙәниәт йортонда иһә бөтөнләй пандус юҡ. Бында инвалидтарға һәм хәрәкәттәре сикләнгән граждандарға ҡаршылыҡһыҙ йөрөүгә шарттар булдырылмаған. Эшсе төркөм ағзалары тарафынан учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәренә иҫкәрмәләр яһалды һәм тәҡдимдәр еткерелде. -Бындай рейдтарҙы квартал һайын үткәрәбеҙ. Районда торлаҡ һәм торлаҡ булмаған фонд объекттарын махсус ҡулайламалар менән йыһазландырыу буйынса эш алып барыла. Әммә ҡайһы бер ойошмалар быға битараф ҡарай. Ундайҙарға иҫкәрмә яһайбыҙ. Ҡайһы берҙәренә бер тапҡыр әйтһәң, был йүнәлештә эшләй башлайҙар. Икенселәрҙе күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Бер нисә йыл рәттән рейдтар үткәрә торғас, ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алмағанда, район үҙәгендә инвалидтар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырҙыҡ тиһәң дә була. Бүребайға рейд менән тәүгә килдек һәм бында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡуйылған пандустарҙың билдәләнгән талаптарға яуап бирмәүе һәм күҙ буяу өсөн генә эшләнеүенә инандыҡ. Бындай пандустарҙан коляскала ултырған инвалидтар нисек итеп, теге йәки был учреждениеға, ойошмаға инә алырға тейеш. Ошондай рейдты Өфө, Сиҙәм ауылдарында ла үткәрәсәкбеҙ, - тине район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Гөлсирә Хәкимова. - Рейдтың маҡсаты – бер генә булһа ла етәксенең беҙҙең иҫкәрмәне ишетеүе һәм был юҫыҡта әҙ генә булһа ла хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеүе. Саҡырыу төймәһен һатып алып ҡуйып, уға яуаплы кеше билдәләһә лә ыңғай яҡҡа үҙгәреш буласаҡ. Был күп сығым талап итмәй, - тинеләр башҡа эшсе төркөм ағзалары. Эйе, инвалидтарға ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу мәсьәләләре буйынса башҡараһы эштәр күп әле. Был категория граждандарына шарттар тыуҙырыу мөһимлеген социаль объекттар етәкселәре аңлар һәм хаталарын төҙәтер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Благовар үҙәк модулле китапханаһында балаларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла шарттар булдырылған. "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Благовар районындағы үҙәк китапханала сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн ҡулайлаштырылған махсус лингафон кабинеты булдырылған. Китапхана үҙе яңы быуын модулле үҙәктәрҙән һанала. Кабинет кәрәкле техника менән тәьмин ителгән: ноутбуктарҙа телдәр өйрәнеү һәм бәйләнешкә сығыу өсөн махсус программа ҡуйылған. Лингафон кабинетында уҡыусыларға инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙе өйрәнергә төрлө тауыш технологиялары ла ярҙам итә, улар ярҙамында уҡыусыларға һүҙҙәрҙе ишетеү, күреү ысулы менән үҙләштереүе еңел бирелә. Бындай шарттар белем сифатын күтәрә, уҡыу ваҡытын әһәмиәтле итә. Әлеге мәлдә лингафон кабинетына Языково урта мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары йөрөй. Киләсәктә башҡорт телен өйрәнеү буйынса ла махсус программа булдырырға йыйыналар. Шулай уҡ үҙәк модулле китапханала "Мультстудия" ла эшләй, унда балалар йәнһүрәт эшләргә өйрәнә. Бынан тыш, музыка һөйөүселәр өсөн музыка ҡоралдары ла бар, киләсәктә Өфө сәнғәт училищеһынан студенттар килеп уҡыусыларҙы уйнау серҙәренә өйрәтәсәк. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда коррупция менән көрәшеүҙе әүҙемләштерергә, шулай уҡ ил ҡаҙнаһынан урланған аҡсаларҙы ҡайтартыу менән әүҙемерәк шөғөлләнергә тейеш. Был турала ведомствоның коллегия ултырышында сығыш яһағанда Рәсәй Президенты Владимир Путин белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы. «Генераль прокуратуранан был өлкәлә эшмәкәрлеген әүҙемләштереүен, Федераль суд приставтары хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы, Росинфомониторинг, Федераль һалым хеҙмәте менән законһыҙ рәүештә алынған, ябайыраҡ итеп әйткәндә, илебеҙҙән, халыҡтан, йәмғиәттән урланған активтар һәм аҡсаларҙы кире ҡайтарыу буйынса тығыҙыраҡ бәйләнеш булдырыуҙарын һорайым», - тине Путин. Ил Башлығы коррупция менән һәр ваҡыт һәм бөтә йүнәлештәр буйынса ла көрәшергә кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Әммә бөгөнгө көндә милли проекттарҙы, дәүләт программаларын һәм дәүләт оборона заказдарын үтәүгә бүленгән ресурстарҙы һаҡлауҙы һәм һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итеү мөһим бурыс булып тора. Элегерәк Владимир Путин Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенә Генпрокуратура, Эске эштәр министрлығы һәм башҡа структуралар менән берлектә коррупцияға ҡаршы күҙәтеүҙе көсәйтергә ҡушҡайны. Ул шулай уҡ «ҙур ресурстар» тупланған милли проекттарҙың коррупцияһына айырым иғтибар бүлеүҙәрен талап итте. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Бөтә сорт төрҙәре лә ҡояшлы урынды ярата. Тупраҡ төрҙәренә талапсан түгел. Тупраҡ ҡатнаш еңел балсыҡлы йәки тупраҡ ҡатыш ҡомло булырға тейеш. Әсе, ауыр, һыулы тупраҡлы урындарҙы яратмай. Астраны рассада менән үҫтереү отошлораҡ. Орлоҡтарҙы тура ергә сәсһәң, астра һуңлап сәскә атасаҡ. Бөтә матурлығын күрһәтеп өлгөрмәйәсәк. Яңы орлоҡтарҙы март-апрель айҙарында сәсергә кәрәк. Сәсеү алдынан орлоҡтарҙы хлористый цинк йәки сернокислый магний иретмәһена һалыр кәрәк. 1 литр һыуға 0,5 грамм иҫәбендә, 15-18 сәғәт тоторға. Орлоҡтарҙы 1 см-ҙан тәрән булмаған тәрәнлектә, өҫтөнә яҡшы серетмә йәки таҙа ҡом һалырға. Бик иғтибарлы булыр кәрәк, сөнки тупраҡҡа күп һыу ҡойорға йәки киптерергә ярамай. 2-4 көндән тамыр ебәрә, ә 7-се көнгә япрағы күренәсәк. Беренсе япраҡ куренһә, сәскәне минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәк. Азот өҫтөнлөк иткән селитра, гумат ҡулланырға мөмкин. 3-4 япрағы барлыҡҡа килһә, тулы минераль ашлама һалырға. Яҡшы үҫеү өсөн көндөҙ 16-20 градуста, ә төнөн 12-15 градус йылыла тотоу бик уңайлы. Үҫентеләрҙе ергә ултыртҡанда сорттары буйынса ҡарайҙар. Тәпәш буйлыларын: 20*20 см араһы менән, урта буйлы уҫентене: 25*25 см, ә оҙон буйлы астра сәскәһен 30*30 см булған ара менән сәсәләр. Астра ҡабарынҡы, йомшартылған тупраҡ һәм һыу ҡойоуҙарын бик ярата. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Һанлы мәҙәниәт» федераль проектына ярашлы, Туймазы дәүләт татар драма театрында иң яҡшы спектаклдәрҙе онлайн тәртибендә бөтә илгә күрһәтеү мөмкинлеге биргән ҡорамал барлыҡҡа килде. Туймазы театры спектаклдәрен онлайн ҡарарға була Тапшырыуҙар “Рәсәй мәҙәниәте” платформаһында алып барыла. Туймазы театры Башҡортостанда берҙәм мәҙәни киңлеккә сыға алған һигеҙенсе учреждение булды. Уҙған кесаҙнала проект менән таныштырыу сараһы үтте. Унда драма театры сәхнәһендә барған “Борһан йорто” спектакленән тура тапшырыу ойошторолдо. Сараға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин килгәйне. – Күләмле проект Рәсәйҙең төрлө ҡалаларын берҙәм театр һәм филармония киңлегенә берләштереүгә йүнәлтелә. Ул барыһына ла мәҙәни ҡиммәттәрҙән тиң файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Виртуаль киңлектә беҙҙең театрҙың да ижадын һөйөүселәр барлыҡҡа килер, тип ышанам, – тине ул.
Хәҙер һәм ошонда осрашып, бушлай Һәм башҡа сайтында теркәлгәнФотоһүрәттәрҙе ҡараным, һәм үҙ өҫтәренә яҙып. Был, мобиль телефон һәм сервис Ҡатнашыусы булараҡ, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Һеҙҙе яңы таныштар табырға ярҙам итә. Яртыһы - сайтына, иң яҡшы фотоһүрәттәр Һәм телефон номеры менән танышып, Ундағы осрашыуҙар һәм башҡа бушлай Теркәлергә мөмкин. Һеҙ теләгән ҡыҙ һәм егет Менән танышып, аралашып, интернет, телефон Шылтырата һәм уның фотоһүрәттәрен ҡарау Мөмкинлегенә эйә була улар буйынса. Шунан файҙаланып вариант 100 бит, Бөтә сайттарына инеп бушлай ала Һәм сервис теркәлгән, унда ҡатнашыусылар Менән осрашыу үтәсәк һәм бөтә Донъя араһында көн һайын яңы таныштырҙы. Бөгөн мин һеҙгә оҡшаған егет Һәм ҡыҙҙарҙың фотоһүрәттәре менән ярҙам Хеҙмәте һайлай ала, улар менән Танышырға, хатта телефон буйынса шылтырата. Напишите безгә туранан-тура әле Булһа теркәлгән. Танышыу Яңы кешеләр Менән танышыу Dating huduma Katika Quanzhou, Bure Dating Kwa ajili Ya kubwa mahusiano. бөтә донъя буйлап танышыу видео ҡыҙ менән теркәлгән видеочивать ҡыҙ менән танышып бушлай видео башҡа бушлай таныша теркәлгән видео чат ҡыҙы менән бушлай онлайн ч рулетка егет менән таныша. бөтә донъя ҡыҙ менән танышып видео осрашыу танышыу өсөн өлкәндәр өсөн танышыу видео менән танышты