text
stringlengths
369
192k
2 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауылында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат районы хакимиәттәре командалары араһында үткән ”Дуҫлыҡ матчы” ысынлап та дуҫлыҡ байрамына әүерелде. Сара барышында күрше райондарҙың муниципаль хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен физик яҡтан ғына һынап ҡалманы, ә бер-береһе менән аралашып тәжрибә уртаҡлашты, Мәсетле районының социаль-иҡтисади торошо һәм иҫтәлекле урындары менән танышты. 2 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауылында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат районы хакимиәттәре командалары араһында үткән ”Дуҫлыҡ матчы” ысынлап та дуҫлыҡ байрамына әүерелде. Сара барышында күрше райондарҙың муниципаль хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен физик яҡтан ғына һынап ҡалманы, ә бер-береһе менән аралашып тәжрибә уртаҡлашты, Мәсетле районының социаль-иҡтисади торошо һәм иҫтәлекле урындары менән танышты. Район хакимиәттәре башлыҡтары етәкселегендәге делегацияларҙы мәсетлеләр район мәҙәниәт йортонда сәк-сәк, ҡымыҙ һәм йыр-моң менән ҡаршы алды. Сәхнәлә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Гөлназ Ҡадирова, район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары – район финанс идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтшин, “Елань” рус йыры халыҡ ансамбле солисы Сабина Әхтәмова башҡарыуында яңғыраған моңло йырҙар, республика “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-при яулаған район хакимиәтенең “Аҡ тирәк” һәм ошо конкурста өсөнсө дәрәжә дипломына лайыҡ булған Балалар сәнғәт мәктәбенең “Өлгөр” бейеү ансамблдәренең дәртле бейеүҙәре барыһының да күңеленә хуш килде һәм сараны ыңғай кәйеф менән башларға көйләне. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, ирешелгән уңыштарға туҡталып юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ауыл хужалығы предприятиеларын, ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы һанап үтте. Шулай уҡ муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге яуаплы һәм еңел түгеллеген билдәләне, бөгөнгө ярышта улар һөнәри оҫта булыуҙарын ғына түгел, ә физик әҙерлек- тәрен дә күрһәтерҙәренә ышанысын белдерҙе. Сараның икенсе өлөшө “Атлант” стадионында дауам итте. Район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе Артур Сафин ярыш программаһы, үткәреү ҡағиҙәләре һәм судъялар менән таныштырҙы. Матч программаһы буйынса муниципаль хеҙмәткәрҙәр сыҙамлыҡта, етеҙлектә, сослоҡта көс һынашты. Улар конькиҙа (эстафета), саңғыла ярышты һәм пейнтбол өсөн тәғәйенләнгән ҡоралдан сәпкә атты. Ярыштар бик көсөргәнешле барҙы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Салауат районы хакимиәте командаһы беренсе урынды яуланы, икенсе урында – Дыуан, өсөнсөлә – Ҡыйғы, дүртенселә – Мәсетле, бишенселә – Балаҡатай районы командалары. Еңеүселәр Мәсетле районы хакимиәтенең миҙалдары, кубоктары менән бүләкләнде. ”Дуҫлыҡ матчы” эстафетаһы Балаҡатай районына тапшырылды. Ярыштан һуң ҡунаҡтар өсөн район үҙәге буйлап экскурсия ойошторолдо. Күршеләр район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында республикала берҙән-бер ҡумыҙ музейы менән танышты, шулай уҡ сиркәүҙә булды. “Дуҫлыҡ матч” йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте һәм һәр кемдең күңелендә бик матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә. Иҙелбаев. Мәсетле районы. Автор фотолары. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Факиһа, һыйырҙарын һауып, үрешкә сығарып ебәрҙе, быҙауҙарын тәрбиәләп аҙбарға япты. Арманһыҙ булып арығайны ул, бөгөн етмәһә өй тулы ҡунаҡ. Хәкимйәнен дә ҡәйнәһе ,,ҡунаҡ һыйлап өйрәнһен,. тигән булып ултыртып ҡуйҙы, юғиһә үҙ эшенән бушаған арала ярҙам итә ине әле ул. Ҡунаҡ еңгәйҙәрҙең береһе,--Ҡуй, киленгә лә әҙерәк ял бирегеҙ,,--тигән ине, ҡәйнәһе ҡаты ғына тауыш менән; ,.ҡунаҡ булыр йәше етмәгән әле,— тине, берәү ҙә кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп. Башындағы мең төрлө уйҙар менән бутала-бутала Факиһа өйгә инде, әлдә аш бүлмәһендә берәү ҙә юҡ, бер аҙ тамаҡ ебетеп, үҙәк ялғап алыр... Юҡ, булманы, ҡунаҡ бүлмәһенән ҡәйнәһенең көр тауышы яңғыраны, ишек асылған тауышты ишеткәндер, ахырыһы; - Килен! Самауырҙы яңырт! Их, ниңә уны саҡ ҡына ла һанламайҙар икән? Факиһа самауырҙы сығып алды, уға ҡайнар һыу өҫтәп, ҡуҙ һалып, борҡотоп ҡайнатып, ҡунаҡ өҫтәленә сығарып ҡуйҙы. Ул ингәндә гөрләшеп ултырған ҡунаҡтар шымып ҡалды, күрәһең. ҡайһыныһы йәлләй.ә бәлки,ҡайһыһы мыҫҡыл да итәлер... Ана. күрше ауылдан килгән килгән еңгәйҙең күҙҙәрендә йәш емелдәй,ул бит уның тиңдәше, уның үҙенә әйткәне бар,--һинең кеүек үтә егәрле, күндәм киленде күргәнем юҡ, ыҙалатыуҙарына бер аҙ ғына ҡаршы торһаңсы,-тип. Өндәшә алмай Факиһа, анауы ажғырып торған ҡәйнәгә нисек ҡаршы әйтмәк кәрәк, етмәһә ул уның хәләленең әсәһе? Хәкимйәндең әсәһе лә, бер туған апайы ла шул тиклем уҫалдар, аңлай алмай уларҙы Факиһа,шуғамылыр бер аҙ ҡурҡа ла... Өләсәһе лә ҡаты ғына, тик ул артыҡ өндәшмәй, яҡлашып та ҡуйғылай. Бына Хәкимйән йыуаштың да йыуашы , ошо өс уҫал ҡатын янында үҫкәнгә лә үтә йыуаштыр инде .Факиһа, эштәрен бөтөрөп. сәйнүктең һарҡындыһын ғына ҡойолтоп сәй яһап эсте лә ире менән икеһенә аш бүлмәһендәге бәләкәй урындыҡҡа йоҡларға урын йәйергә кереште. Әммә ҡәйнәһе; - Хәкимйәнгә урынды түр бүлмәгә йәй, ҡунаҡ һыйлап арыны,меҫкенем,--ҡатыны янына сығып килеүсе улын, беләгенән тотоп кире борҙо. - Йә, Хоҙай! – тип тауыш сығармай, эстән генә уфтанды килен, ул килен булып төшкәне бирле нисәнсегә айырым йоҡлаталар инде. Әллә,- баланы күп табып ҡуймаһын,- тиҙәрме икән. әллә мыҫҡыл итеүҙәре шулмы? Күҙ йәштәрен эскә йотоп, ҡатын иренә урынды айырым йәйҙе. ,.Их, ир ныҡлығы булып айырым йоҡлап ятмаһын ине ул,юҡ шул. Әйтһәң бер генә яуабы бар: - Сабыр ит инде. йәнкиҫәк. Борһаланып-борғаланып ята торғас Факиһа йоҡоға китте. Күпме генә йоҡлағандыр инде,терт итеп килеп торҙо. Офоҡта ал ҡояштыңнурҙары сағыла, сикһеҙ матурлыҡ иртәнге таңда, ҡоштар һайрай, ысыҡ тамсылары емелдәй, тәбиғәт уяна. Хатта һыйыр мөңрәүе, быҙауҙар өзөлдәүе, кәзә-һарыҡ баҡырыуы үҙе бер таңғы йыр кеүек. Тик Факиһа иртәнге матурлыҡҡа оҙаҡ һоҡланып тора алмай - уны эштәре көтә: өс һыйырҙы һауаһы.быҙауҙарҙы тәрбиәләйһе, һөт айыртаһы, май бешәһе бар.Етмәһә, оло ҡәйнәһе лә иртәнге сәйгә ҡоймаҡ һорағайны... -Ҡайҙа, әхирәт, миңә лә берәй эш тап әле,- тигән тауышҡа ҡатын,миңә әйтәләрме икән, тип. аптырап, әйләнеп ҡараны, унда күрше ауылдан килгән ҡунаҡ еңгәй йылмайып тора ине. -Уй, юҡ-юҡ, ҡәйнәм һуҡраныр бит... -Ҡурҡма. Мин дә уға килен бит. Факиһа икеләнеберәк торҙо ла ҡәйнәһенән шыртлаһа ла, еңгәһенең һүҙен юҡҡа сығараһы килмәне һәм уға: - Ҡоймаҡ ҡоя тор,еңгәй, аласыҡҡа бөтөн кәрәк -яраҡты әҙерләп ҡуйғанмын,- тине. Еңгәһе мин һинең яҡлы, тигәндәй, матур итеп йылмайҙы ла аласыҡҡа инеп китте. Күңеле күтәрелеп киткән Факиһа ла еңел генә йөрөп ҡалған эштәрен бөтөрҙө лә өйгә сәй әҙерләй инде. Иртәнге сәй табынына йыйылдылар.Ҡоймаҡты ауыҙ иткәс, ҡәйнәһе: - Килен ҡоймаҡты оҫта ҡоя ул.-тип киленен маҡтап ҡуйҙы. - Эйе шул, бигерәк тәмле ,- тине лә ҡунаҡ килен, һаман да мейес тирәһендә булашыусы Факиһаға, - кил, апһын, сәй эйәһе менән татлы була, - тип өндәште. Табындағылар шым ҡалды. - Юҡ-юҡ, мин аҙаҡ, әле эш бөтмәгән,- яуапларға ашыҡты апһыны. - Үлгәндән һуң да өс көнлөк эш ҡала, тиҙәр... кил ултыр, - тине еңгәһе ҡабатлап. Факиһа юғалып ҡалды, күҙҙәрен селт-селт йомоп, ҡәйнәһенә ҡурҡып-аптырап һораулы ҡарашын ташланы. - Әйҙә, әсәһе, - тип Хәкимйән шылып урын бирҙе. Бер ҡасан да ҡәйнәләре менән бергә ултырып ашамаған, хеҙмәтсе фиғылында ғына йөрөүсе килен ҡурҡа- өркә генә ширлеккә килеп терәлде. - Етеш, килен. Ҡоймағың шул тиклем тәмле булған,- тигәйне еңгәһе , Факиһа, саҡ-саҡ сәсәп китмәй, уға ҡараны,еңгәһе ҡыйғас ҡаштарын дуғаландырып, уға күҙ ҡыҫты. Еңгәһенең аласыҡта ҡоймаҡ ҡойғанын күргән берҙән-бер кеше Хәкимйән дә уға рәхмәтле ҡарашын ташлап өндәшмәй генә йылмайып ҡуйҙы. Бер көн булһа ла ял итеп ҡалды Факиһа, дөрөҫ, эштән түгел, ә күңеле ял итте. Тик кискә еңгәй ҡайтып китте,тормош тағы ла үҙ ҡәлебенә һалынды. Эш-эш-эш...һәм ҡәйнәһенең туҡтауһыҙ битәрләүе... Хәкимйәне әсәһенә әйтеп ҡараны булһа кәрәк, әллә ҡоймаҡты ҡунаҡтың ҡойоуын һиҙенде-ҡәйнәһе тағы ла уҫаллаша төштө.Бер генә нәмә күңелен төшөрмәҫкә ярҙам итә Факиһаға-йөрәк аҫтында тибешкән йән эйәһе . Һыуҙы ла иртәнге һауындан алда ташып алыр кәрәк, юғиһә бер аҙ ғына һуңланыңмы - бөттө- ҡәйнәһе күнәктәрҙе осора тибә! Кеше малын тәрбиәләмәҫ элек, кисеүгә һыйырҙар төшмәҫтән алда алып өлгөрөр кәрәк. О-о, ул һыу менән булған янъялдар! Өйгә генә ташымайһың бит, мунсаға ла, кер йыуырға ла ташыр кәрәк, тибеп осорғансы иҙән йыуырға булыр ине... Тик был ғауғаларға Факиһаның өндәшмәүе генә сик ҡуя ине. Бына бесәнгә лә төштөләр.Сикһеҙ ярата Факиһа ошо ваҡытты. Кинәнеп,Хәкимйәне менән тигеҙ һелтәп саба. Бүтәндәр шикелле күбә арты ғына тырмап йөрөмәй, эйереп-эйереп алалар ҙа икеһе ике остан төшөп күбәләйҙәр. Кәбәнде лә матур һала ир,әммә маҡтаһаң : -Кәбәндең башында тора бит оҫта ослаусы,- тип Факиһаны маҡтай ҙа ҡуя инде. Быйыл арый Факиһа, тәүге бәпесенә ул тиклем түгел ине, быныһына ауырыраҡ йөрөй, тик зарланып өйрәнмәгәс, йөрөй бирә. Сапҡанда әллә ни һиҙелмәне, Хәкимйәне ике бакуй сыҡҡансы берәү сығып, сәй ҡайнатып йөрөп үткәреп ебәрҙе, йыйғанда ла хәленә күрә тырышты. Тик күбәләр күбәйеп китте. Хәкимйән ҡойошорға кешегә әйтергә уйлағайны, әлеге лә баяғы әсәһе һөйләнгәс, өндәшмәне, тешен ҡыҫып, ҡатынын ултыртып бесәнгә юлланды. Барып еткәс, ҡатынына: -Һин сәй ҡайнатып ҡына йөрөрһөң, мин кәбән ҡойошорға ағайымдарҙы алып киләм, һөйләшкәнмен,- тине лә күрше туғайға ағаһы менән еңгәһен алырға китте. Факиһаға ҡапыл ниҙер булды,күҙ алдары ҡараңғыланып китте, туҡтауһыҙ эсе,биле ауыртырға тотондо, ул ыңғырашып ергә ауҙы. Хәкимйән ағаһын һәм еңгәһен алып кире килгәндә ҡатыны ерҙә ыңғырашып-тулап ята ине инде. -Өҙлөктөрҙөгөҙ шикелле, бисараны, ял да күрмәй бит.-тине лә еңгәһе аңшайып торған иренә атты ауыл яғына ҡарай борорға, ә ҡәйнешенә арбаға бесән һалып тиҙерәк ауылға ҡайтырға бойорҙо.Ауылға ҡайтып еткәндә Факиһаның тауышы бөтөнләй бөткәйне инде, уны тотоп килеүсе еңгәһенең дә илауҙан йөҙҙәре шешенеп, тауыштары ҡарлығып, өҙөлөп киткән ине. Фелдьшер ауырыуҙың йөҙөнә генә ҡараны ла тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртты.Күпте күргән фелдьшер ҙә юғалыбыраҡ ҡалды. Оҙаҡ ятты Факиһа больницала. Көнө етмәй генә тыуған балаһы бәхетенә күрә теремек кенә ине. Уны тәүҙә әсәгә бирмәнеләр, тик әсә бер аҙ хәлләнеп бәпесен таптырғас килтерҙеләр. Ә Хәкимйән больницанан ҡайтманы тиерлек, көндөҙ эштә йөрөй ҙә,эштән һуң ыңғай больницаға килә. Ябығып, һурылып китте. Ҡатынының ҡулдарын ҡулына ала ла өнһөҙ-тынһыҙ уға төбәлә, ни уйлай, ниҙәр кисерә торғандыр инде-кем генә белә... Былай ҙа күп нәмәләрҙе белмәй ине Факиһа. Хәкимйән уны больницаға килтергәндән һуң ауылға ҡайтманы, төҙөлөшкә эшкә урынлашты, ғаиләлеләр өсөн төҙөлгән ятаҡтан бер бүлмә лә биреп ҡуйҙылар. Әсәһенә сикһеҙ асыулы ине ул. Бер кискә генә ҡайтып Салауатын ағаһы менән еңгәһе ҡулына ҡалдырып китте.Әсәһе ҡаршы төшөргә, үпкәләргә, апаһы ла сыпрандарға уйлағайны,өләсәһе өндәрен тыҡты: -Әйттем бит мин һеҙгә, аңларға теләмәнегеҙ, зерә ыҙалаттығыҙ киленде. Көҙгө ҡояш ағастарҙың ҡыҙғылт- һары япраҡтарын һаран ғына нурҙарына мансый. Ҡыш яҡынайыуын һиҙҙергәндәй,көн һыуыҡ ҡына, күктә унда-бында шыйыҡ болоттар күренә. Больницанан сыҡҡан Факиһа туҡтап ҡалды. - Ни булды?-тип һорай һалды Хәкимйән, ҡатынының ҡулдарынан тота һалып. - Бер ни ҙә. Көн ниндәй матур! Йәшәйһеләр килә,-тине ҡатын иренә ҡарап йылмайып. - Йәшәйбеҙ әле, йәнкиҙәк, тик һин мине бүтәнсә ҡурҡытма инде. Машина ҙур ғына таш йорт янына барып туҡтаны. Бүлмәгә ингәнсе Хәкимйән ҡатынына өндәшмәне, ә ингәс: - Бына ошо була инде беҙҙең артабан йәшәр ҡыуышыбыҙ, йәнкиҫәк,-тип йылмайҙы. - Ә ҡәйнәмдәр? –Факиһа уға аптыраулы ҡарашын төбәне. Ире өндәшмәй генә үтеп , баланы карауатҡа һалды, өндәшмәй генә ҡатынына сисененергә ярҙам итте, үҙе сисенде. Аңланы уны Факиһа, ,,шешеге,, тулып тишелгән икән, -тип уйланы ул. Иртәгәһен, хәлһеҙерәк булһа ла, тороп ашарға бешерҙе, өй таҙаланы һәм иренә: - Минең өсөн борсолма. Ҡәйнәмдәргә лә юҡ өсөн үпкәләп йөрөмә. Уларҙы алдағы йомаға саҡыр, ҡайнағаларға ла әйт, мин Салауатымды сикһеҙ һағындым,- тине. Үҙенә иренең ниҙер әйтергә уҡталғанын күреп: - Нисек, балаларҙы өләсәйһеҙ ҡалдырмаҡсы булаһыңмы? Ул бит һинең әсәйең, ә минең әсәйем дә юҡ. Ҡәйнәм миңә әсәйем кеүек.Кисереп өйрәнәйек, үҙебеҙҙең дә хаталар юҡ түгелдер,- тине. Килделәр ҡунаҡтар, бүлмә уларҙың тауышынан гөрләп торҙо. — Рәхмәт, киленем,- тине килененә ҡәйнәһе өҫтәл артында, күҙҙәренә йәш алып, кисерә күр инде мин йүләрҙе... – Ә минең һеҙҙе ғәйепләргә хаҡым да юҡ,бына ниндәй ул үҫтергәнһегеҙ һеҙ! Мин уның менән бик бәхетле,- тине килене иренә ҡарап. Ә Хәкимйән улы Салауатҡа төбәлгән ине, сөнки улы өләсәһенең алдына менеп ултырған да уны муйынынан һыға ҡосаҡлап, ике сикәһен супылдығы сығып үбә ине. –Дә-ә,-тип уйланы ир эстән генә,- ниндәй ҙур хата яһай яҙғанмын мин, әсәйем уҫал булһа ла беҙҙең өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Ул урынынан торҙо, әсәһе янына килеп , улы менән әсәһен ҡосағына алды, уның күҙҙәре тулы йәш ине: - Үҙең кисерә күр мине, әсәкәйем, юғалта яҙҙым бит мин һине,-тип шыбырланы ирҙең ирендәре. Бала, һыңар ҡулын өләсәһенең муйынынан ысҡындырҙы ла атаһының муйынына һалды һәм өләсәһе менән атаһын алмаш-тилмәш үбергә кереште... Зәйтүнә Айытбаева. https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/309592 Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бына туп-тулы еләкле күнәктәрен күтәреп, сабыйымдың атаһы килеп төштө ҡаянан, ул йөгөн арбаға урынлаштырып, яныма килеп: “ Барыһы ла һәйбәтме?”- тиеүе булды, үлемесле ҡотом осоуҙан, йөрәгемде ҡаҙаҡлап, тын алырға ирек бирмәй, ҡоршап трған сөй ысҡынып китте. Һеңгәҙәп ултырған мин, һикереп тороп, шарылдап илап уға йәбештем. ”Нишләп ишетмәйһең? Самый кәрәк саҡта һин янымда түгелһең! Сабыйыбыҙ үлә яҙҙы бит! Ҡысҡырам, ҡысҡырам һин ишетмәйһең! Үлә яҙҙы! Үлә яҙҙы!.. ” – тип һөйләнә - һөйләнә, уның ҡулына иҫемде юйып, йығылғанмын. Эй, йәмле йәй ҙә етте! Һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, күҙ асып-йомғансы бер миҙгел икенсеһен алыштырып та ҡуйҙы. Тиҙҙән еләк-емеш тә өлгөрөр, һәр кем еләк йыйып ҡалырға тырышыр. Унан инде бер-бер атлы башҡа емештәр өлгөрә башлар. Еләк иҫемә төшкәс, иҫ киткес тәмле емештең ғаиләмә оло бәлә, ғүмерҙә яҙыла алмаҫлыҡ ҡайғы килтерә яҙғанын тетрәнеп иҫемә төшөрәм. Юҡ, юҡ еләктең бер касафаты ла юҡ бында, тик башымдан үҙ ғаибемде осорорға маташыуым ғына. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, үҙемде үҙем аҡлау менән файҙа юҡ! Һүҙҙең дөрөҫө. үҙең өсөн дә кәрәк бит ул. Шул тиклем күп, эре булды ул йылды еләктәр. Балаҫ кеүек түшәлеп ята ине ҡайһы ерҙә йыйһаң да. Ә мин еләк йыйуҙан мәхрүм ҡалдым ул саҡта. Яңы ғына икенсегә ҡыҙ табып, бала табыу йортонан ҡайтҡан инем. Йәш бала менән ҡайҙа инде еләк йыйыу. Хәләлем йәйләүҙә ятып башмаҡтар көтә, ялға ҡайтҡан һайын күстәнәскә һушыңды алырлыҡ эре-эре, ҡып-ҡыҙыл еләктәр алып ҡайта. Ни тиклем еләкле урындарҙың күп икәнен, кеше аяғы баҫмаған еҙәрҙә бер урындан ғына, уйламайҙа 5-6 күнәк йыйып булғанын һөйләй. Ә инде тәмлелеген шул еләктәрҙең! Эм-м-м татлылығын! Ах, күҙем ҡыҙа бит минең, барып еләк йыйыу теләге йәнемде өтөп алып бара! Үҙенә әйтеп ҡарайым, еләккә алып бар тип. Ҡайҙа ул риза булыу, йәш бала менән уйлама ла тип, ҡырҡа ҡаршы инде. Мин ҡуярҙан-ҡуймайым, үҙемдекен тылҡыйым. Үҙең йәйләүгә мал көтөргә барғанда, беҙҙе лә алып бар инде тип. Ныҡымышланыуым бушҡа ғына булманы бит! Ниһаят бер көндө, хәләлем алып барырға булды беҙҙе еләккә. Ат егеп, арбаға күнәктәр, бидондар тейәп, ризыҡ, һыу алып сыҡтыҡ юлға. Арба шул тиклем ҙур, алған әйберҙән башҡа, Сабыйыбыҙҙың коляскаһы, мин 10 көнлөк ҡыҙым менән, эргәмдә 2 йәшлек ҙур ҡыҙым, һеңлем һәм үҙе иркен урынлаштыҡ. Йәйләүгә иртүк килеп етеп, сәй эсеп алғас, мин баланы име:ҙеп урынлаштырырға, һөйөклөм малын ҡарап килергә булды. Еләк түшәлеп ятҡан, берәүҙә аяҡ баҫмаған ер, йәйләү ҡаршыһындағы текә ҡая башында булып сыҡты. Унда йәш баланы һөйрәп менеп булмай бит инде. Менгән хәлдәлә, ҡая башында бешереп алып барған эҫелә, нисек баланы тотаһың. Шуға күрә 10 көнлөк кенә сабыйымды көтөүселәр өйөндә ҡалдырырға булдыҡ. Был өй күләгәлә булғанға ҡәҙимге генә һалҡын, унда оҙағыраҡҡа ҡалһаң, һыуыҡтан һерелдәтә башлай. Баланы өшөтөп ҡуймаҫ өсөн, өй эсендә булған матрас, юрғандарҙы ҡатлап түшәп, уратып яҫтыҡтар ултыртып сығып, йылы бишек (манеж һымаҡ нәмә) әтмәлләнем. Сабыйымдың тамағын туйҙырып, йүргәктәрен алыштырып, яҡшы итеп урап, бишеккә урынлаштырғас, йоҡлаған бәпесем өшөрлөк түгел икәненә инанғас, күмәкләп ҡаяға менергә булдыҡ. Туҡта! Ниндәйҙер шөбһә мине ебәрмәй, тышҡа атларға ыңғайлаған ерҙән, кире боролам. Бөтәһе лә һәйбәт бит инде, нимә булды, ниндәй шик һуң ул күңелемдә? Нимәгә улай йәнем тертләп тора, борсолоуым ниҙән? Бер минут эсендә, мин хафаланыуымдың серен сискәнсе, башымдан меңәрләгән уй үтеп китте. Яңы тыуған, йәш баланы, 40 көн тулмайынса яңғыҙ ҡалдырырға ярамай!- ти торғайны ҡартәсәйем дә, әсәйем дә. Вәт ҡайҙа ул шик - шөбһәмдең төбө! Мин бисмилла итеп, сабыйымдың баш осона ҡайсы, аяҡ осона бысаҡ һалам. Колясканан селтәр алып, яҫтыҡтар аша ябам, бисмилламды онотмайым. Тәҙрәне лә, ишекте лә бисмилла итәм, сығып ишекте йоҙаҡҡа бикләйем дә, тыныс күңел менән ҡаяға үрмәләйем. Алда беҙҙе нимә көткәнен белһәм, ҡаяға менеү түгел, йәйләүгә бөтөнләй килмәҫ инем, ике аяғымдың береһен баҫмаҫ инем. Еләк тип ғәзиземде йонсотмаҫ, теңкәһенә теймәҫ инем. Ай-ай-ай!!! Мин ниндәй ахмаҡ!!! Ә шул моментта ҡая башына менеп еткәс, ҡып-ҡыҙыл, эре, татлы һутлы, баҙрап ятҡан еләктәрҙе күреп, иҫемде йыя алмай торҙом. Бар донъяны онотоп, күмәкләп еләк йыйырға тотондоҡ. Еләктәр тиҙ генә, анһат ҡына йыйыла инде. Мин ҡыуана-ҡыуана, бер туҡтауһыҙ хәбәр һөйләйем, бидоным яртыһына ла етте тип, маҡтанырға хәләлем янына килһәм, уның бидоны тула яҙған. Ә еләктәре береһенән береһе эрерәк, тап таҙа, бидонының эсендә бер ҡый ҙа юҡ! Минең ярты бидон еләгемдең иһә, яртыһы ҡый! Эрелеккә эре инде еләктәр, ул йылды ваҡ еләк бөтөнләй булмағандыр ул! Уңайһыҙланғанымды күрһәтмәҫкә тырышып, бидонымды ауҙарып, еләктәрҙе генә сүпләп, уның һауытына өҫтәйем дә, ҡырт ҡына әйләнеп китеп, еләктәрҙе ҡыйһыҙ ғына, яңынан йыйырға тотонам. Зәңгәр күҙҙәренән яҡты нурҙар сәсеп, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, еләк йыйыуын дауам итә һөйөклөм. Мин дә, сикһеҙ бәхетемдән, иркә генә йылмаям. Ике йәшлек ҙур ҡыҙыма был байрам булды инде, ул еләк ашап кинәнә, күбәләктәр баҫтыра үләндә ятып аунай, үҙенсә ауыҙ эсенән мығырлап, әллә нимәләр һөйләй, йырлай, бейеп тә китә шунда. Уға ҡарап, көлмәҫ ереңдән көлөрһөң, шаярмаҫ ереңдән шаярырһың. Ә һеңлем бөтөнләй бер кемде лә эше юҡ, үҙе айырым бер яҡта, йәбешеп ятып еләк йыя. Хатта ваҡыты – ваҡыты менән, юғалып ҡуймаһын тип ҡурҡып, мин уны ҡысҡырып эҙләп алам. Күҙгә - башҡа күренмәй китмә, аҙашып китерһең, тауыш биреп йөрө тием уға. Бына бер бидон тултырып, ҡыуанысымдан тағы ғәзизем янына киләм. Ә ул! Ә ул бер ҙур күнәк тултырып, икенсеһенә тотонған. "Эй-й-й, Һиңә әллә ендәр йыйышамы? Һин нисек тиҙ йыяһың да, мин бөтөнлөй яймын?!"-тием. Уға ни! Көлөүен белә: "Мин һине һымаҡ еләк ашамайым, ҡыҙымды үсекләмәйем, уны менән шаярмайым, сабыйыбыҙҙы ҡарарға төшөп, оҙаҡлап йөрөмәйем, балдыҙымды эҙләмәйем. Уны мин алыҫтан да күреп йөрөйөм. Малымды ғына ҡарап, теүәлләп киләм дә еләк йыям."-ти үҙе. Уны ҡосаҡлап үбеп-үбеп алам, бөҙрә сәстәрен туҙратам да: "И-и-и! Егәрлекәйем минең! Йый, йый мин бәпәйҙе ҡарап киләйем әле,"-тип, тағы аҫҡа йүгереп төшөп китәм. Эй, шулай iшуҡ, шаяртырға, мәҙәкләргә ярата шул минең ғәзизем! Мин еләк ашамайым, ярамай, бәпәйгә зыян була,әҫпе (диатез), аллергия булыуы мөмкин. Ә инде уны ҡарарға төшөп оҙаҡлаһам, мин бит сабыйымды имеҙәм, йүргәктәрен алыштырам, уларҙы йыуып сайып эләм, бәләкәс кенәмде йоҡлатам. Ләкнн быларҙың береһендә һөйөклөмә һөйләп тормайым, ул үҙелә белә бит инде. АЛЛАға шөкөр! Сабыйым иҙрәп йоҡлай, бары ла яҡшы. Ипләп кенә һыу йүргәктәрен алыштырам, имеҙәм, урынына һалып, ишекте бикләйем, бисмилла итергә онотмайым. Тиҙ-тиҙ генә йүргәктәрен шишмә һыуында йыуып, сайып ҡояшҡа эләм дә, кинәнеп шишмәнән һыу эсеп алам. Уның һыуы шул тиклем теш ҡамаштырырлыҡ һыуыҡ, әйтерһең дә тәбиғи һыуытҡыс, шишмәгә төшөп ятһаң, туңып ҡалмаҫмын тимә! Тағы һәләтләп ҡаяға кире үрмәләем. Шулай алмашлап, малын ҡарарға, теүәлләргә төшһә атаһы, йә мин төшөп ҡарап торҙоҡ ҡыҙыбыҙҙы. Төшкөһөн сәй эсеп, бәпәйҙе асыҡ һауала йөрөтөп, кирелтеп, һуҙылтып, тамағын туйҙырып йоҡлатҡас, еләк йыйыуҙы дауам иттек. Инде 4 –се күнәгебеҙ яртылаш тулғанда, миңә нимәлер булды. Ҡапыл ҡаты ҡурҡыу бар булмышымды ялмап алды, өҫтөмә ниндәйҙер аяуһыҙ бәлә ябырылғандай тойолдо. Мин торған еремдә, быуынһыҙланып,ултыра төштөм, аяҡтарым тотмай, бөтә тәнем һерелдәп, ҡалтырап тора, ҡул күтәрерлек тә көсөм юҡ ине. Тик нимәлер, ҡайҙалыр саҡыра, тиҙерәк, тиҙерәк тип әйҙәй! Бер мәлдән һуң мин атылып, эләгә - тәгәрәй ҡаянан аҫҡа табан йүгерә инем. Тәкмәсләй, ҡолай, тәгәрәй торғас ул текә ҡаянан төшөп еттем, ләкин ҡая итәгенән көтөүсе өйөнә тиклемге 100 – 150 метр аралыҡты үтергә хәлем ҡалмаған ине. Шыуышҡан ерҙә, көскә шыуышып, имгәкләгәндә имгәкләп, саҡ, илла – алла менән килеп терәлдем өй ишегенә. Йоҙаҡ урынында, илаған бала тауышы ишетелмәй, бар тирә - яҡ тып-тын. Йоҙаҡты, ҡалтырап торған тыңлауһыҙ ҡулдарым менән асып эскә инәм. Тынысланырға, тын алышымды яйға һалырға тырышып, лап итеп урындыҡҡа ауам. Ни өсөндөр ҡурҡыуым тағы ла нығыраҡ артып китте, йөрәгем ҡурылып килә. Тиҙ генә бәпәйҙең селтәр ябыуын асам да, әллә ниндәй ҡырағай, аяныслы өндәр сығарып үкерә, илай, сеңләй башлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалам. Сабыйым ҡып – ҡыҙыл булып, ауыҙы ҡыйшайып ҡатып ҡалған, мөлдөрәп торған ике күҙенең саҡ-саҡ йыбырлауы ғына тере икәнен белдерә. Үлемесле ҡотом осҡан мин: «Уй-й-й! Балаҡайым! Үлә! Үлә! Атаһы төш ! Һылыу төш! Төшөгөҙ! Атаһы ҡотҡар!..» - тип, тағы әллә нимәләр ҡысҡыра-ҡысҡыра, тышҡа атылам. Кире йүгереп инеп, нимә эшләргә, нимә ҡылырға белмәй, бер урында зыр әйләнеп, аптыранып, алйып ҡарап торам да, үкерә-үкерә тағы тышҡа атылам. Мине берәү ҙә ишетмәй, ярҙам итерлек бер кем дә юҡ! Әллә ҡайҙа, бейек ҡая башында, хатта тау артындараҡ йөрөгән атаһы, ҡайҙан ишетһен инде. Минең тауышым бармы, ҡысҡыраммы ул, әллә ҡысҡырам кеүек тойола ғынамы, ябырылып килгән бәләгә сәсәп, өнһөҙ үкереүем генәме? Кем белһен, дә кем һиҙһен! Кем генә ишетһен! Яҡын тирәлә бер йәнле әҙәм дә юҡ бит! Шулай йүгерә торғас : «Артабан да ығышһам, балам үлә!»- тигән уй мейемде ярып үтте. Тиҙерәк сабыйымды ҡотҡарырға тотонам. Үҙем бер туҡтауһыҙ АЛЛАма ялбарам, ярҙам һорайым, ғафү үтенәм, ярлыҡау һорайым. Сабыйыма ғүмер теләйем, иңрәйем, ә үҙем автомат шикелле нимәләрҙер эшләйем. АЛЛАһы тәғәлә үҙе аҡыл бирәлер, дөрөҫ юл күрһәтәлер ул кешегә ундай ваҡытта. Бәпәй генәмде асып ебәрһәм, эҫе бәреп тора, үҙе сеп - сей ҡыҙыл, һығып алмалы һыу. Илап, ярһып, бешкән сабыйым, иң беренсе һыуындырырға кәрәк тием үҙемә үҙем. Сабыйымдың ҡатып, тартышып ҡалған кәүҙәһен алам да, ипләп кенә ҡоротоп, һөртөп, ҡоро йүргәктәргә урайым. Асып ташлап 3-5 минут тотам да тағы урайым, һалҡын өйҙә һыуыҡ тейеп ҡуймаһын тием үҙемсә. Һыуындырып, майлап, бөтә тәненә, башына массаж эшләп, яйлап ҡына хәлен яҡшырттым бәпесемдең, ҡыйшайған ауыҙы ла төҙәйҙе. Тән температураһы ла нормалләште, йөрәк тибеше, тын алышы тигеҙ, мин дә аҙыраҡ тыныслана төшәм. Инде имеҙәйем тиһәм, ауыҙ ғынаһын астырып булмай бит тешләнеп, серәнеп ҡатҡан көйө. Ипләп кенә ауыҙын, ирендәрен, эйәген ыуам. Ирендәренә күкрәгемдән һөт тамыҙам, әкеренләп һөт тамыҙа, массаж яһай торғас, ауыҙы асыла башланы сабыйымдың. Ләкин имә алмай ине әле ул, һура башлағансы һөт тамыҙырға тура килде. Күкрәкте һура башлағаста әле, туйҙырғансы имеҙергә ҡурҡам. Аҙ ғына һурҙырам да 10 минут ял иттерәм, тағы аҙыраҡ имеҙәм дә, 10минут ял иттерәм, шулай итеп инде бөтәһелә һәйбәтләнде тип, АЛЛАма рәхмәтемде уҡый-уҡый, һыу йүргәктәрҙе сайып элергә була тышҡа алып сығам. Ул лысма һыу йүргәктәрҙе һығып, ни тиклем тир аҡҡанын күреп, бәләкәсемде йәлләп күҙҙәремә йәштәр төйөлә, ләкин илай алмайым, анауынсама шоктан һуң, мин дә ҡатып ҡалғанмын күрәһең. Йөрәгемде ниндәйҙер ҡоршау ялмап алған да ебәрмәй! Башымдан үткәргән йән тетрәткес ҡурҡыуҙан һуң, минең дә хәл яҡшынан түгел бит инде.Аҙыраҡ ял итергә була, бәпәйем эргәһенә һуҙылып төшөп ятам да, ҡорт саҡҡандай һикереп торам!. Сабыйымдың тағы нимәһелер тиген түгел! Нимә? Ҡайҙа? Ҡайһы ере? Мин тиҙ генә ҡабалана - ҡарһалана бәпәйемде ҡулыма алам да, йөҙөнә бағам. Ул тыныс, ҡыбырламай ҙа, иламай ҙа, йоҡлай күрәһең. Йоҡлай? Ә күҙҙәре асыҡ бит! Асыҡты һөйләйһең, ике күҙе лә бер яҡҡа, өҫкә, ҡырын ҡарап ҡатып ҡалған. Уның күҙҙәре бер нимә лә күрмәй, ҡуҙғалмай, ҡулымды һелтәп, көҙгө яҡтыртып ҡарайым, реакция юҡ. Нисек булһала уятам ҡыҙымды, йәнә массаж эшләй башлайым, нишләптер тәүҙә маңлайын, сикәләрен, ҡолаҡтарын, танауын ыуам. Унан һуң ҡаштарына, күҙ бәбәктәренә массаж яһайым, күҙҙәренә уҡына - уҡына йылы тынымды өрәм. Усымды усҡа ышҡып ҡулдарымды йылытам да, күҙҙәренә баҫып торам Ниһәйәт был бәләнән дә ҡотлдоҡ, ҡыҙым ҡабат йоҡлап китте, был юлы уның күҙҙәре ябыҡ, тын алыуы тигеҙ, барыла яҡшы. Бөтә булған был сабыйымды ҡотҡарыу эштәре, башынан аҙағына тиклем тулы тынлыҡта башҡарылды. Минең тауыш тын, ниндәй ҙә булһа өн сығарырлыҡ рәтем юҡ ине. Иң ахыры, асыҡ ишек тупһаһына ултырып, уйһыҙ, ғәмһеҙ тынып ҡалам. Нимә булһа ла уйлау, эшләү түгел, ҡуҙғалырлыҡ та көс юҡ ине! Бына туп-тулы еләкле күнәктәрен күтәреп, сабыйымдың атаһы килеп төштө ҡаянан, ул йөгөн арбаға урынлаштырып, яныма килеп: “ Барыһы ла һәйбәтме?”- тиеүе булды, үлемесле ҡотом осоуҙан, йөрәгемде ҡаҙаҡлап, тын алырға ирек бирмәй, ҡоршап трған сөй ысҡынып китте. Һеңгәҙәп ултырған мин, һикереп тороп, шарылдап илап уға йәбештем. ”Нишләп ишетмәйһең? Самый кәрәк саҡта һин янымда түгелһең! Сабыйыбыҙ үлә яҙҙы бит! Ҡысҡырам, ҡысҡырам һин ишетмәйһең! Үлә яҙҙы! Үлә яҙҙы!.. ” – тип һөйләнә - һөйләнә, уның ҡулына иҫемде юйып, йығылғанмын. Боҙҙай һыуыҡ тамсыларҙың битемде өтөп алғанына тертләп, күҙҙәремде асам. Мине иҫемә килтерергә тырышып, шишмә һыуы һибә икән һөйөклөм. Ул да борсолоуҙан ап-аҡ булған, ләкин һиҙҙермәй мине ҡосаҡлап, иркәләп тынысландырырға тырыша. Ҡулдары ҡалтырап тороуы ғына, уның да ни тиклем ныҡ көйөнгәнен һөйләй ине. Бигерәк изге күңелле шул минең ғәзизем! Бер – бер ир булһа: «Әйттем бит мин һиңә алып килмәйем тип! Йәш бала менән һиңә еләк нимәгә ул! Әйткәнде нишләп тыңламайһың?» - тип минең икмәк шүрлегемә менеп төшөр ине! Йәйләү тултырып аҡырып- баҡырып һүгенер ине! Бәлки тумарлатып типкеләп тә таштар ине. Ә ул: «Рәхмәт ҡәҙерлем юғалып ҡалмағаныңа, ҡыҙыбыҙҙы ҡотҡарғаныңа! АЛЛАбыҙ беҙҙе менән, мең рәхмәт АЛЛАм кәләшемә аҡыл, көс биргәнеңә! Уның ҡулы менән сабыйыбыҙҙы ҡотҡарғаныңа! » - тип рәхмәт уҡый. Мин ныҡ йәнем көйөп : «Нишләп ул тиклем яҡшы кешеһең ул? Мин, мин ғәйеплемен бит! Асыуыңдан туҡмап таштағың килмәйме ни мине? Әрләмәйһең дә бит исмаһам!»- тип уға барып йәбешәм. «Ярһыма! Тыныслан! Һинән дә нығыраҡ мин ғәйепле! Һеҙҙе еләк йыйырға алып килергә хаҡым юҡ ине. Ә һиңә мин асыуланмайым, киреһенсә балабыҙҙы ҡотҡарғаныңа сикһеҙ рәхмәтлемен! Һинең урыныңда мин булһам, бер нәмәлә эшләй алмаҫ инем. Ә инде туҡмауға килгәндә, мин һиңә бер әйткәйнем инде, оноттоңдамы? Минең балаларыма иҫән – һау, аҡыллы әсәй, ә миңә кәләш кәрәк тип. Шуға күрә туҡмалыу хыялыңды онот һәм башҡа бер ҡасан да һөйләмә! Әрләгем дә килмәй минең, һине иркәләп, һөйөп кенә торғом килә. Һәр ваҡытта көлөп – йылмайып йөрөгәнеңде, бәхетле булғаныңды ғына теләйем.» - тине ул. Бер аҙҙан ҡая башында ҡалған еләкле күнәктәрҙе, ҙур ҡыҙым менән һеңлемде алып төшөп, сәй эсеп алдыҡ та ауылға ҡайтып киттек. Өс көн тирәһе үткәс әсәйем килде беҙгә, уның ныҡ ҡото осто, ейәнсәренең илап – ярһып, тирләп бешкәнен ишеткәс. «Уй АЛЛА балаҡайым! Эш хәтәр! Йәш бала тирләп бешһә, үҫмәй, ҡатып ҡала! Кәрлә була! Әгәрҙә сабыйым имен – һау ҙурайһын тиһәң, берҙә йыбанма. Көнөнә 4 - 5 тапҡыр йыуындыр, әйләнгән һайын майла, баҡ, массаж эшлә, кирелдер, һуҙылдыр, ишет ҡолағың менән! Шунһыҙ ҡыҙың үҫмәй ҡала» - тип, үҙе беҙҙә саҡта миңә бөтәһендә өйрәтеп, күрһәтеп, мине ҡулымдан килерлеккә инанғас ҡына ҡайтып китте. Һуңынан да йыш ҡына килеп тикшерер, ярҙамлашыр, кәңәштәрен бирер ине. Ҡыҙыма кәрлә булып ҡалыу ҡурҡынысы янағанда, ниндәй йоҡо, ниндәй йыбаныу булһын инде. Мин ал – ял белмәй сабыйымды баҡтым, көнмө ул, төнмө, йә булмаһа иртә таңмы, миңә барыбер ине, ҡасан иҫемә төшә шул ваҡытта йыуындырҙым, әсәйем өйрәткәндәрҙең бөтәһен дә эшләнем. Ҡыҙым имен – һау, тиҫтерҙәренән ҡалышмай, аҡыллы, теремек булып үҫте. Ул хәҙерге көндә уҡып сығып, үҙенә оҡшаған һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Үҙен дә, ғаиләһен дә баға. Барыһы ла һәйбәт АЛЛАға шөкөр! Ҡыҙым тулы тормош менән йәшәй, мин тынысмын уның өсөн. Күп кәрәкме ни әсә кешегә? Балалары имен-һау, бәхетле булһа, әсәлә үтә бәхетле! Ләкин 10 көнлөк сабый сағында ярһып илап, тирләп бешеүе эҙһеҙ генә үтмәне ҡыҙым өсөн. Уның тәне, башҡа ағзалары һау, аҡылы теүәл, зирәк, отҡор булһала, үтә ҡыҙыу ҡанлы, үҙе бирле, тиҙ генә дөрләп тоҡанып китә, йоҙроҡтарын төйөп, тешләнеп еңмешләнә торған холоҡло булып ҡалды. Әммә ул ҡайтымһаҡ, тиҙ тыныслана, үтә ғәҙел, тоғро, мәрхәмәтле, изге күңелле, тура һүҙле, матур, егәрле, тәртипле, яҡшы кеше Хәмиҙуллина Зилдә. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Яңы йыл – һәр ҡайһыбыҙҙың да иң яратҡан байрамы. Быуындан-быуынға күсә килгән ғаилә байрамы булараҡ, ул традицияларға ла бик бай. Ә инде өйҙө Яңы йыл шыршыһы менән биҙәү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Беҙҙең ҡалала Яңы йыл шыршыһын һатыуға әҙерләү эше менән республика урман хужалығы идаралығының Стәрлетамаҡ урмансылығы шөғөлләнә. Яңы йыл алдынан унда ниндәй эштәр башҡарыла, ошо турала ентекләберәк һөйләүен һорап учреждение етәксеһе Рамазан ХӘЙҘӘРОВҡа мөрәжәғәт иттек. – Рамазан Ғилметдинович, Яңы йылды ҡаршыларға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Тимәк, урман хужалары өсөн эштәр ҡыҙыуланды. – Әлеге ваҡытта урман инспекторҙарының ҡыҙыу эш мәле башланды. Был – ағастар менән һатыу итеү тураһындағы килешеүгә ярашлы, урманды шыршы, ҡара-ғай ағастарын үҙ белдеге менән ҡырҡыусыларҙан һаҡлау, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү урындарын тикшереү. Стәрлетамаҡ урман хужалығы Яңы йыл шыршыларын рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙы асыҡлау буйынса эштәр башҡара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә шыршыларҙы әҙерләүгә, ташыуға һәм һатыуға хоҡуҡтарҙы тикшереү буйынса рейдтар уҙғара. – Шуға ҡарамаҫтан, шыршыны һатып алмай ғына урмандан “сәлдерергә” яратыусылар ҙа юҡ түгел... Был осраҡта ниндәй саралар күрелә, ғөмүмән, ниндәй эштәр башҡарыла? – Башҡортостан урман хужалығы шуны ҡәтғи иҫкәртә: шыршыны урмандан рөхсәтһеҙ ҡырҡып алыусы граждандарҙан 3 мең һумдан алып 4 мең һумға тиклем, етәкселәрҙан – 20 меңдән алып 40 мең һумға тиклем, ә юридик шәхестәрҙән 200 меңдән алып 300 мең һумға тиклем административ штраф түләтеү ҡаралған. Бынан тыш, тәртип боҙоусы урманға килтергән зыянды ла ҡапларға тейеш. Үҙ белдеге менән бер генә ағасты ҡырҡҡан осраҡта ла, уға бер ҡарағай өсөн 2664 һум, шыршы өсөн 1950 һум түләргә тура киләсәк. Әгәр ҙә ике йәки унан күберәк ағас ҡырҡҡан булһа, ул саҡта инде бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү хәүефе янай. Стәрлетамаҡ урмансылығы бу-йынса 19 ноябрҙән алып 31 дека-бргә тиклем “Шыршы” опера-цияһы уҙғарыла. Ылыҫлы йәш урмандарҙы һаҡлау буйынса көн һайын дежур итеү эше ойошторола. Әгәр ҙә йәш шыршы үҫентеләрен ҡырҡҡандарын белеп ҡалһағыҙ, 8(3473)25-41-69, 25-17-96 теле-фоны аша Стәрлетамаҡ урман хужалығына шылтыратыуығыҙҙы һо-райбыҙ. Урман ҡараҡтары, законһыҙ рәүештә шыршы ҡырҡып, уйламай ҡылған ҡылыҡтары арҡаһында Яңы йылға кәйефен боҙмаҫ, ә аҡсаларын штраф түләүгә түгел, яҡындарына бүләк алыуға сарыф итер тип ышанабыҙ. Роза САФИНА әңгәмәләште. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Бөгөнгө балалар нимә уҡый? Беҙ яратҡан яҙыусыларҙы беләләрме? Ғөмүмән, әҙәбиәт менән, китап менән ҡыҙыҡһыналармы? Дәүләкән районы Әнгәсәк урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Есения Вәликәеваның иншаһы ҡулға килеп эләккәс, уйға ҡалдым: беҙ, ярай, Мәжит Ғафури, Сәғит Агиштарҙы, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙы уҡып үҫтек, ә бөгөнгө балалар нимә уҡый һуң? Беҙ яратҡан яҙыусыларҙы, исмаһам, беләләрме? Ғөмүмән, әҙәбиәт менән, китап менән ҡыҙыҡһыналармы? “Башҡортса уҡыу ҡыҙыҡ түгел, аңлашылмай”, - тиҙәр. Шул мәлдә күбеһе китапты ҡулына алып, уҡып та маташмай. Ә бит классиктарҙың әҫәрҙәре, уларҙың һүрәтләү алымдары, тел байлығы иҫ китмәле! Һәм тәрән мәғәнә һалынған, һәр береһе үҙе бер дәрес. Әйҙәгеҙ, “Атай-әсәйҙәрем нимә уҡыны икән?” – тип, М. Ғафуриҙың 1984 йылда баҫылып сыҡҡан хикәйәләр китабын уҡып сыҡҡандан һуң яҙған иншаһына беҙ ҙә күҙ һалайыҡ. “Тәүге “Ҡырағай ҡаҙ” тип аталған хикәйәһе мине бик тулҡынландырҙы, - тип яҙа ҡыҙыҡай. - Был әҫәр ҡамыштар араһында яралы ҡаҙ табып алған малай тураһында. Ул бахырҡайҙы ҡыш буйы ашатып, эсереп, тәрбиәләп сыға. Яҙ еткәс, һауала осоп барған ҡоштарҙы күрәләр. Малайҙа ҡыш буйы йәшәп, инде һауыҡҡан өйҙәге ҡош, уларҙы күргәс, ҡанаттарын йәйеп ебәрә һәм, хушлашҡандай бер ҡысҡыра ла, һауаға күтәрелә, ҡаҙҙар тубына барып ҡушыла. Малайға күңелһеҙ булып ҡала. Шунан һуң йыл да һауанан осоп барған ҡаҙҙарҙы күрһә: “Минең ҡаҙым да улар араһындалыр инде”, - тип уйлар булған. Уға өйҙә, минең менән йәшәүе рәхәт ине бит, ниңә ҡалманы икән, тип уйлана ул гел. Аҙаҡ һорауына үҙе үк яуап таба: Ҡырағай ҡоштар ирекле ҡош, уларға иркен күк йөҙө кәрәк...” Хәҙерге балаларҙың бәләкәйҙән Интернет киңлегендә беҙҙең әлеге ҡош кеүек хис итеүе, әлбиттә, һәйбәт. Әммә уларҙың бына ошондай ихлас, күңел йылыһы биргән, уйландырған, яҡшылыҡҡа ынтылдырған китап уҡыуҙан үҙҙәрен мәхрүм итеүҙәре эсте бошора. Бында, моғайын, беҙҙең, атай-әсәйҙәрҙең дә ғәйебе барҙыр. Беҙ балаларыбыҙға сабый саҡтарында әкиәттәр уҡымайбыҙ. Уларҙа китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятмайбыҙ, һөйөү тәрбиәләмәйбеҙ. Донъя мәшәҡәттәренә сумғанбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә хәҙер китап уҡыуға, нимәгә ул, тип ҡарай башланыҡ шикелле. Балаға тыуғас та сағыу һүрәтле китаптарҙы уҡый башларға кәрәк. Аңламай барыбер, тиергә һис ярамай. Беҙгә генә шулай тойола, сабый барыһын да күңеленә һала бара ул. Йәнә рус теленең телевизор, интернет аша өйҙәребеҙгә үтеп инеүе, мәктәптәрҙә туған телдә уҡымау ҙа үҙ эшен эшләй. Балаларҙың теле бутала, һүҙ байлығы һайыға, фекерҙәрен туплап, матур ғына итеп әйтеү ҙә ҡыйын була башлай. Мәктәптәрҙә башҡорт кластары бөтөрөлөүе, туған телдә уҡымау ҙа күңелле күренештәрҙән түгел. Балаларҙың телдәрен онотоуына, насар белеүенә тура юл был. Баланың әсә телен белеүе, туған телендә китаптар уҡыуы, тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын белеүе атай-әсәй намыҫына ҡала килә. Ҙур байлыҡтан мәхрүм итмәһәк ине сабыйҙарыбыҙҙы. Юғалтыуы ғына тиҙ бит ул, кире тергеҙеүе үтә лә ауыр... Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр: Ғәйнуллина Эльвира Батыр ҡыҙы – Раевка ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе инструктор-методисы; Исламоратов Раил Наил улы - Раевка ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ауыр атлетика буйынса тренер-уҡытыусыһы; Исламоратова Зимфира Рәмил ҡыҙы - Раевка ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең инструктор-методисты. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Өфө районында урынлашҡан «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһында янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Өфө районында урынлашҡан «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһында янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе. Был уҡыуҙар Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизоны һәм «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһының киҫкен хәл килеп тыуғанда йәки резервуар паркта янғын сыҡҡан осраҡта бер-береһе менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Алдан әҙерләнгән сценарий буйынса, нефть һаҡлауға тәғәйенләнгән 5 мең куботметр һыйҙырышлы резервуарҙа янғын сыҡты. Янғын урынына тәүгеләрҙән булып 60-сы янғын-ҡотҡарыу дежур ҡарауылы килеп етте. Ҡарауыл начальнигы шунда уҡ янғындың юғары хәүефлеген билдәләне һәм шартлы янғынды һүндереү өсөн автомобилдәрҙе кисекмәҫтән һыу сығанаҡтарына көйләргә һәм резервуарҙа янғынды һүндереү үҙәгенә тоташтырырға ҡушты. Янғын күбек менән тәьмин итеүсе махсус ҡорамал ярҙамында күбек менән һәм резервуар стеналарын һыуытыу ысулы аша һүндерелде. Күнекмәлә барлығы янғысылар подразделениеһы һәм станция персоналынан ғибәрәт булған 43 кеше ҡатнашты, ете техника берәмеге йәлеп ителде. Янғынсылар һәм станция хеҙмәткәрҙәренең етеҙлеге ярҙамында “янғын” норматив ваҡытта һүндерелде һәм “ут” Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһының башҡа производство объекттарына таралып өлгөрмәне. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Сибайҙа «Урал аръяғы тауышы» йырсылар шоу-проектының өсөнсө миҙгеле старт алды. Бында Хәйбулла данын Нәйлә Ҡолбаева, Айгизә Насирова һәм Ләйсән Япаровалар яҡлай. Улар абруйлы жюри алдында лайыҡлы сығыш яһаны һәм киләһе турға үтте. Нәйлә менән Ләйсәндең остазы Рәил Өмөтбаев була, ә Айгизәнеке – Искәндәр Ғәзизов. Әйткәндәй, проектта йырларға яратҡан 18-45 йәшлек һәр кем ҡатнаша ала. Шоуҙың сценарийы Беренсе каналда барған “Голос” конкурсының форматы буйынса төҙөлә. Һайлап алынған ҡатнашыусылар тәжрибәле остаздар менән шөғөлләнә. Тамашасыларҙың смс-тауыш биреү юлы менән иң яҡшыны һайлап алыу мөмкинлеге бар. Иң моңло тауыш эйәһенә төп бүләк тапшырыла. Хәйбулла ҡыҙҙарына уңыштар теләйбеҙ! фото:Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Ошо көндәрҙә Башҡортостанға киҙеүгә ҡаршы өҫтәмә рәүештә 669 меңдән ашыу доза вакцина килтереләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Ошо көндәрҙә Башҡортостанға киҙеүгә ҡаршы өҫтәмә рәүештә 669 меңдән ашыу доза вакцина килтереләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Ведомствонан белдереүҙәренсә, әлеге эпидемия миҙгелендә халыҡты вакцинациялау өсөн 1,533 миллион тирәһе доза вакцина алынған. Уларҙан 364 меңдән ашыуы – балалар өсөн тәғәйенләнгән “Совингрипп” һәм 1,169 миллион тирәһе доза – ололар өсөн вакцина. Шулай итеп, республикаға өҫтәмә килтереләсәк вакцинаны бергә иҫәпләгәндә, барлығы 2,202 миллион доза тәшкил итәсәк. Был иһә төбәктәге 54 проценттан ашыу халыҡҡа прививка яһауға етәсәк, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. “Яңы йылға тиклем ҡыйыу рәүештә прививка эшләтергә мөмкин. Был ваҡыт иммунитетты эшләү өсөн етәсәк”, – тип аңлатҡан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Республика СПИД һәм инфекция сирҙәрен иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса үҙәк белгестәре. Киҙеү вакциналары балаларҙы, өлкәндәрҙе иммунизациялау өсөн республиканың медицина ойошмаларына бүлеп бирелгән. Халыҡты вакцинациялау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Республикала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау буйынса эштәр15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөтә муниципалитеттарға ошондай йөкләмә бирҙе. Республикала юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау буйынса эштәр15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөтә муниципалитеттарға ошондай йөкләмә бирҙе. Тәүлек эсендә Башҡортостанда юлсылар 60 сантиметр х 15 сантиметр ҙурлыҡтағы, 5 сантиметр тәрәнлектәге соҡорҙарҙы ямарға тейеш. Бәләкәйерәк соҡорҙар иһә ете көн эсендә төҙәтеләсәк. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов ошо турала белдерҙе. – Юлдағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында интерактив карта төҙөлә, программа прототиптары, мобиль ҡушымталар эшләнә. Улар әле тест үтә, 1 апрелдән файҙалана башларға мөмкин буласаҡ. Кешеләр юлдағы соҡорҙарҙы фотоға төшөрөп ошо картала күрһәтә ала. Заявка ҡабул ителеү менән юлдағы етешһеҙлектәр өс көн эсендә, хәүеф тыуҙырған соҡорҙар бер тәүлектә бөтөрөлөргә тейеш, – тине ул. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Премьер-министр Дмитрий Медведев Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: халыҡ иҫәбен алыу бөтә илдә – 1-31 октябрҙә, ә барырға юлы ҡыйын булған ерҙәрҙә 1 апрелдән 20 декабргә тиклем үтәсәк. Премьер-министр Дмитрий Медведев Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: халыҡ иҫәбен алыу бөтә илдә – 1-31 октябрҙә, ә барырға юлы ҡыйын булған ерҙәрҙә 1 апрелдән 20 декабргә тиклем үтәсәк. 2020 йылда иҫәп алыуҙа тәүге тапҡыр IT-технологиялар ҡулланыласаҡ. gosuslugi.ru порталында рәсми теркәлгән һәр кем иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙ аллы тултыра ала, иҫәп алыусылар өйҙәр буйынса планшеттар менән йөрөйәсәк. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары өсөн профилле министрлыҡтар, ведомстволар яуап бирәсәк. Мәҫәлән, хәрбиҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр, ябыҡ ҡаласыҡтарҙа, хәрби частәрҙә йәшәүселәр өсөн Оборона министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Рәсәй гвардияһы яуаплы, ә космонавтарҙы «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы иҫәпләйәсәк. Иҫәп алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре 2021 йылдың апрелендә донъя күрәсәк. Йомғаҡ 2022 йылдың дүртенсе кварталы аҙағында яһаласаҡ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Донъяла коронавирус тарала барыуын иҙәпкә алып Башҡортостанда 100 мең битлек резервы запасын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта оператив штаб ултырышы ваҡытында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе. « Короновирустың төрлө илдәрҙә тарала барыуын иҫәпкә алып, бының тиҙ арала тамамланыуына ышаныс юҡ. Шуға күрә беҙ быға һәр ваҡыт әҙер булырға тейешбеҙ, шул иҫәптән иҡтисадта кризисҡа ҡаршы саралар ҡабул итеүгә лә. Ҡытай тәжрибәһе быны раҫлай», — тип хәбәр итте Андрей Назаров. Шуны ла билдәләр кәрәк, республика территорияһында был ҡурҡыныс сир менән ағыуланыусылар юҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 февралдә беҙҙең районда төҙөлөүсе «Цемикс» заводына Ҡытайҙан 14 эшсе килгәйне. Улар кәрәкле медицина тикшереүҙәре үтеп, обсервация үттеләр. Алынған контроль анализдар күрһәтеүенсә, береһендә лә короновирус табылманы. Башҡортостан республикаһы Роспотребнадзор ведомствоһы төбәк халҡын яҡын арала Ҡытайға барыуҙы кисектереп торорға саҡыра. Башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Үҙәк китапханаһында район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ағзаларының киңәйтелгән ултырышы булды. Унда Фёдоровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Е.В. Тыров, район Советы секретары В.М. Хәлитов, ауыл советы депутаттары, «БР буйынса Федераль янғын хеҙмәтенең 11-се отряды» 92-се янғын часы начальнигы С.С. Насиров, үҙәк район дауаханаһы табиптары М.Н. Асабина һәм Р.М. Шакаров ҡатнашты. Осрашыуҙы Совет рәйесе А.Т. Сәйфетдинова асты. Ул Йәмәғәт Советы эш төркөмөнөң район үҙәге буйынса рейд ойоштороуын, ауыл халҡы хәл ителеүен теләгән мәсьәләләрҙе асыҡлауын билдәләне. Йәмәғәт Советы ағзаһы В.А. Ҡадирова билдәләүенсә, уларға юлға ваҡ таш түшәү, грейдерлау, асфальт түшәү; балалар майҙансыҡтарының әҙ булыуы; урамдарҙы яҡтыртыу; зыярат ҡоймаһын ремонтлау; һалым йыйыу мәсьәләһе; эскеселек проблемаһы; һыу менән тәьмин итеү дефициты; берәҙәк эттәр мәсьәләһен хәл итеү; ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләләре инә. Участкалар территорияларын төҙөкләндереү, санкцияланмаған сүплектәрҙе юҡ итеү мәсьәләһендә дә туҡталып киттеләр. Ҡайһы бер кешеләр йыйылған сүптәрен сүплеккә үҙ аллы сығара, кемдер йылғаға бушата, ҡайһы берҙәре урамда уҡ ташлап китә. Был проблеманы хәл итеү өсөн сүп түгеү көнөн билдәләп, техникаһы булмағандар өсөн был хеҙмәтте түләүе итергә тәҡдим ителде. Ел булыуға ҡарамаҫтан, сүп яндырыусылар табылып тора. Шул сәбәпле күп кенә ауылдарҙа янғын сыға. Был хаҡта 92-се янғын часы начальнигы С.С. Насиров сығыш яһаны. Янғын сығыу сәбәптәренең береһе- ут менән хәүефһеҙ файҙаланыу. Самат Сәләхетдин улы депутаттарҙы халыҡ менән күберәк хеҙмәттәшлек итергә, балалар рәсем конкурстары үткәрергә саҡырҙы. Шулай иткәндә районда янғындар һанын кәметергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ йәштәрҙе сүп йыйыуға йәлеп итергә мөмкин. Был үҫеп килгән быуынды эшкә йәлеп итеүҙең бер пункты буласаҡ. Бала Сытырман ауылы миҫалға килтерелде, унда өлкәндәр ҙә бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә, өмәләргә сыға, мауығыуҙары буйынса түңәрәктәргә йөрөй. Мастер-кластар үткәреү, спорт үҫешен ойоштороу- сәләмәт йәштәрҙе тәрбиәләү эшенең бер өлөшө генә. Сәләмәтлекте һаҡлау вәкилдәре- үҙәк район дауаханаһы табиптары М.Н. Асабина менән Р.М. Шакаров көнүҙәк һорауға яуап бирҙе: “Ни өсөн бөтә типтағы көндөҙгө стационарҙа стационар медицина ярҙамы күрһәткәндә, шулай уҡ тиҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәткәндә файҙаланылған мөһим дарыуҙарҙың күпселеге дәүләт программаһы сиктәрендә пациенттар өсөн түләүле, ә БР Премьер-министрының 2017 йылдың 20 декабрендәге ҡарарына ярашлы, түләүһеҙ бирелергә тейеш бит?” Медицина хеҙмәткәрҙәренең яуабын түбәндә килтерәбеҙ: исемлектә тик халыҡ-ара атама буйынса ғына препараттар күрһәтелгән, пациенттар иһә дауалаусы табиптары яҙған түләүле дарыуҙарға өҫтөнлөк бирә. Был хаҡта, шулай уҡ яңылыҡтар тураһында Йәмәғәт Советы ағзалары «Ашҡаҙар таңдары» гәзитендә аңлатма биреүҙәрен тәҡдим итте. Был көндә бихисап мөһим мәсьәлә ҡаралды. Винир Мөнир улы ултырышҡа йомғаҡ яһаны. Ул бөтә атап үтелгән проблемаларҙы ла көнүҙәк тип атаны. Депутаттарҙың әүҙемерәк булыуҙарын теләне, һәр ауылда урындарҙа һөҙөмтәле эш башҡарыу өсөн урам старосталарын һайлау кәрәклеген белдерҙе. Лилиә КАНТИМЕРОВА. Автор фотоһы. Читайте нас в Башкортстан Республикасы Фёдоровка районы муниципаль районының иҗтимагый-сәяси гәзите Оештыручы: Башкортстан Республикасы Матбугат һәм киңкүләм мәгълүмат чаралары агентлыгы, Башкортстан Республикасы "Башкортстан Республикасы" нәшрият йорты дәүләт унитар предприятиесе.
Батыр бала түгелме? – Тиеп, үҙе һөйләнде; Әсәм бер һүҙ әйтәлмәй, Шомға ҡалып уйланды, Йәшләндереп күҙҙәрен, Бигерәк мине ҡыҙғанды. Үҙем бала тимәнем, Һис ни уйлап торманым, Дейеүгә мин ташландым,– Бер башынан ут сәсте, Бер башынан ыу сәсте. Ул бер алды, мин – алдым, Өҫтөнә менеп атландым. Ҡулымда һуҡҡы юҡ ине, Тас яланғас ҡул ине; Шулай ҙа көс бирмәнем, Дейеүгә юл ҡуйманым, Тубарлата башланым. Ҡыҫып алдым муйынынан, Ҡан бөркөттөм ауыҙынан, Тағы өҫтәп бер һуҡтым, – Албырланы, ҡаҡшаны, Баҫыр хәле ҡалманы. Тағы ынтылып бер һуҡтым, – Тау ҡолатҡандай иттем. Дейеү ятып йән бирҙе, Һарай эсе ҡан булды; Әсәм билдән ҡан кисеп, Һыуһаның, тип, һыу бирҙе, Йөҙөнә шатлыҡ тулды. – Батырҙан батыр тыуғанһың, Атаңдай батыр булғанһың; Кәүҙәң бала булһа ла, Йөрәгең йәш булһа ла, Инде үҫеп еткәнһең, Атаң янғыҙ тилмерә, Ауыр көндәр кисерә, Атаң янғыҙ булмаһын. Дошман яуы еңмәһен, Бар атаңа, юлдаш бул, – Тип, әсәм димләгән, Атаһыны эҙләгән Иҙел тигән улың мин, Һиңә төбәп килдем мин. Дүртенсеһе: – Минең әсәм – Айһылыу, Атам Шүлгән булғандыр, Шүлгән һиңә туғандыр, Дейеүҙәр менән киткәндер, Аҙаҡ күп ҡан ҡойғандыр; Яҡшыға дошман булғандыр, Әсәм барып хур булған, Ҡайғыһынан һары алған. Әсәм оҙаҡ түҙмәне, Мине саҡырып янына Былай тиеп һөйләне: – Ҡаранғы төн яҡтыртҡан Айҙан тыуған бала инем, Әсәм һөйгән дана инем; Шүлгәнде кейәү иткәнгә Әсәм бер йөҙ ҡапланы: Ҡайғы баҫты йөҙөнө, Миңдәр баҫты битене. Көндә йөҙө үҙгәрә, Нуры кәмеп, хурлана; Элек көндәш булһа ла, Ҡояштан ул нурлана. Атайым да хурланды, Шүлгәнгә биреп алданды, Ҡайғыһынан китепме, – Хәҙер күҙҙән юғалды. Кейәүгә тигән бүләгем – Һары толпар бирәйем; Балам, атҡа мен, тине, Иҙел менән кит, тине. Урал атаң юлынан, Балам, яуға сап, тине, Һаҡмар батыр бул, тине, Атаңды эҙләп тап, – тине. Дүрт егеттең был һүҙен Урал батыр ишеткәс, Балалары үҫкәнен, Батыр булып еткәнен Үҙ күҙе менән күргәс, Урал батыр ҡыуанған, Ғәйрәте тағы артып, Аҡбуҙатҡа атланған, Аталы-уллы биш батыр, Бер-береһенә иш батыр, Йәнә баяғы дүрт батыр] Дейеүгә яу башлаған, Ҡыйратып ташлаған. Ай һуғышҡан, ти, былар, Йыл һуғышҡан, ти, былар Ҡаты яуҙың береһендә Ҡәһҡәһәне ҡолатҡан – Диңгеҙ ярып, дулатҡан, Асы тауыш сығартҡан, Күк күкрәтеп, олотҡан, Кәүҙәһен өйөп, диңгеҙҙә Тағы бер тау яһатҡан. Тылсымлы Шүлгән диңгеҙе Ҡап урталай быуылған, Һыуҙа йөҙгән дейеүҙәр Ике яҡҡа бүленгән. Шүлгән йүнгә килмәгән, Ни эшләргә белмәгән, Үҙ яғында ҡалғандың Барыһын бергә йыйнаған, Урал тағы юл сапҡан, Дейеүҙәргә яу асҡан. Ҡаты яуҙар барғанда, Күктә уттар бөркөлөп, Диңгеҙ һыуы эркелеп, Һыуҙар ҡайнап торғанда, Шүлгән, Урал икәүһе Бер-береһенә тап булған Икәү-ара яҫҡышып, Төрлө яҡлап алышҡан. Таяғы менән Уралға Шүлгән яман уҡталған – Утҡа өтмәксе булған, Башына етмәксе булған. Урал һис тайшанмаған, Булат ҡылысын алып, Ҡаты айбарын һалып, Серле таяҡҡа сапҡан, – Таяҡ киткән сәсрәп, Күктә тауыш күкрәп, Дингеҙ бөтөп, күл булған Һыуһыҙ ҡалып дейеүҙәр, Кәре китеп хур булған. Урал тотҡан Шүлгәнде, Аҡбуҙаты, улдары Ҡырған дейеү, бүтәнде. Көсө менән Шүлгән дә Уралға кәр ҡылмаған, Алышһа ла, түҙәлмәй, Шунда ергә ҡолаған, Һаҡмар килеп Шүлгәнгә Ҡылыс менән уҡталған; Урал тыйғас, Һаҡмар ҙа Сапмайынса, туҡталған. Урал халыҡты йыйған, Шүлгәнде уртаға ҡуйған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров вирус инфекцияһы хәүефен һәм таралыуын кәметеү саралары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сараларҙың береһе — 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәү. Был хаҡта ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров вирус инфекцияһы хәүефен һәм таралыуын кәметеү саралары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сараларҙың береһе — 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәү. Был хаҡта ул хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Бойороҡ 20 апрелгә тиклем ғәмәлдә була, ләкин республика башлығы властарҙың хәлгә ҡарап эш итергә тейешлеген һәм хәлдең яҡшырыуына йәки насарайыуына бәйле ваҡыттың күсерелеү мөмкинлеген белдерҙе. Шулай уҡ республикала йәшәүселәргә вирус теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, күп кеше йөрөгән урындарға бармаҫҡа кәңәш ителә. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Тел тураһында күп һөйләйбеҙ, күп яҙабыҙ, ә бит тел асҡысы ата-әсәләрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең, ғаиләлә үҫкән, йәшәгән башҡа оло кешеләрҙең бәләкәй балаға булған мөнәсәбәтенән башлана. Тел тураһында күп һөйләйбеҙ, күп яҙабыҙ, ә бит тел асҡысы ата-әсәләрҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең, ғаиләлә үҫкән, йәшәгән башҡа оло кешеләрҙең бәләкәй балаға булған мөнәсәбәтенән башлана. «Юшатыр» гәзитендә «Үҙебеҙҙән тора» тигән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙәр тап бына шуны раҫлай (23 март, 2018 йыл, №24). Әгәр ҙә бала ғаиләлә 5 йәшкә тиклем үҙенең туған телендә көн дә туғандары менән аралашһа, һөйләшһә, уның донъяға ҡарашы туған телендә формалаша башлай, ата-әсәнең төп бурысы – шул ҡарашты нығытыу, үҫтереү. Бала тыуғас та, әҙерәк үҫеп теле асыла башлағас та, «әсәй, әнәй, атай, олатай, өләсәй» тип телен нығытырға тейеш. Ә бөгөнгө көндә беҙ нимә күрәбеҙ: бала тыуҙы, һөйләшә башланы, тик «әсәй, әнәй» урынына «мама», «атай» урынына «папа» тип теле асыла башлай, шуға риза булған атай-әсәй үҙенең балаһының туған теленән айырылыуға беренсе аҙым эшләй. Туған телдән биҙҙереүсе факторҙар күп инде ул, күрше-күләндә үҫкән балалар, улар менән гел русса аралашыу, балалар баҡсаһында, телевизорҙан ҡараған тапшырыуҙар, шунан китә кеҫә телефоны, интернет, мәктәп. Башҡорт телендә аралашыу, уны үҫтереүгә «тәғәйенләнгән» ҡалабыҙҙағы бармаҡ менән генә һанарлыҡ бер нисә уҡыу йортобоҙҙа ла балалар үҙ-ара башҡа телдә аралаша, уларҙың күбеһе мәктәпкә ингәндә «Һаумыһығыҙ!», ҡайтҡанда «Һау булығыҙ!» тигән һүҙҙәрҙе әйтеүҙән башҡа туған телендә аралашмай ҙа. Ҡайһы ваҡыт көлкө лә, ҡыҙғаныс та булып китә, башҡортса аралашып, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән кешеләребеҙ ҙә үҙҙәренең балаһы менән тик русса ғына аралаша. «Улығыҙ, ҡыҙығыҙ ниңә һеҙҙең менән туған телендә аралашмай?» – тигәнгә, «Ул аңлай, ул вис аңлай», – тип аҡлана башлайҙар, тик башҡортса һөйләшмәй генә... Шул ваҡытта көлөшкәнебеҙ ҙә бар: «Беҙҙең бесәй башҡортса вис аңлай, тик һөйләшмәй генә...» Беҙ үҙебеҙ, ололар ҙа, көндәлек тормош мәшәҡәттәренә батып туған телдең бәҫен төшөрәбеҙ, урамда, башҡа урындарҙа үҙ телебеҙҙә түгел, башҡа телдә һөйләшәбеҙ. Матур, моңло, яңғырашлы, мәғәнәле һүҙҙәребеҙҙе сүп һүҙҙәр менән алыштырабыҙ. «Бына кисә городҡа барҙым әле, подружкам менән торговый центрға кереп подаркалар алдыҡ» («Бына кисә әхирәтем менән ҡалаға барҙым әле, һатыу үҙәгенә инеп күп итеп бүләктәр һатып алдыҡ»), «Теге көндө городка килдек, маленький базарчикта творог һаттым» («Теге көндө ҡалаға килдек бәләкәй баҙарҙа эремсек һаттым...») һ.б. Республикала башҡорт, рус телдәре дәүләт телдәре булһа ла, республикаға исем биреүсе халыҡтың теле бик һирәк ҡулланыла. Ул турала күп яҙғаныбыҙ бар: «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында Закон» бөтөнләй тиерлек эшләмәй. Вокзалда, автовокзалда, ҡаланың сауҙа үҙәгендә, шул уҡ «Күмертау», «Ирәмәл», «Сказка» һәм башҡа күҙгә күренгән һатыу нөктәләрендә башҡорт телендә бер генә реклама йә алтаҡта күргәнегеҙ бармы? «Юшатыр» гәзите биттәрендә «Сказка»ла «Әкиәт» юҡ» тип яҙып та ҡараным, етешһеҙлекте өҫтә ултырыусылар уҡынымы, шул мәсьәләләр буйынса берәй ыңғай эш эшләндеме? Юҡ! Яңы асыласаҡ төрлө сауҙа нөктәләрендә ике телдә лә алтаҡталар эшләнеп эленмәйенсә, уларға асырға һәм эшләргә рөхсәт бирмәҫкә, тигән тәҡдим индереп ҡараным, ул кемгә кәрәк?! Бер кемгә лә кәрәкмәй, эштәр нисек барҙы шулай бара. Үҙебеҙҙең телебеҙҙе үҙебеҙ яҡларға, уны үҫтерергә, уның ҡулланылышын арттырырға бурыслыбыҙ. Быны иң беренсе үҙебеҙ саф башҡортса һөйләшеүҙән башларға, уның бәҫен күтәрергә тейешбеҙ. Иң мөһиме балаларыбыҙға туған телдә белем һәм тәрбиә бирергә бурыслы икәнебеҙҙе онотмаһаҡ ине. Беҙ, дөрөҫөн әйткәндә, сабыйҙарыбыҙға туған тел дәрестәренә йөрөргә ғариза яҙырға ла теләмәйбеҙ. Ә был кемдәрҙер өсөн бик ҡулай. Шунан ғәйепте кемдән эҙләйбеҙ инде? Үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн уны: ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә, башҡа уҡыу йорттарында, үҙ-ара аралашыу ваҡытында киң ҡулланғанда ғына беҙ уның бәҫен күтәрәсәкбеҙ, уға һөйөү, ихтирам арттырасаҡбыҙ, уны үҫтерәсәкбеҙ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРеспубликала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә табиптар район-ҡалаларға сығып, ауырыуҙарҙы ҡабул итә башланы. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла. Билдәле булыуынса, 4-6 мартта табиптар Ишембай үҙәк район дауаханаһында, 18-20 мартта – Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында, 1-3 апрелдә Стәрлетамаҡтың 3-сө ҡала дауаханаһында, 15-17 апрелдә – Салауат ҡала дауаханаһында, 28-30 апрелдә Сибайҙа, 13-15 майҙа – Ишембайҙа, 20-22 майҙа – Күмертауҙа, 17-19 июндә – Мәләүездә, 24-26 июндә Күмертауҙа күҙ ауырыуҙары менән яфаланыусыларҙы ҡабул итәсәктәр. Хирургия буйынса дауаланыу һәм анализдар алыуҙа килеп тыуған һорауҙар менән пациенттарға йәшәү урыны буйынса офтальмологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Фото: tv.rbsmi.ru Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡорт халҡында борондан шундай ғәҙәт йәшәй, һәр кем үҙенең ете быуынға тиклем нәҫеленең тарихын белергә тейеш. Туғанлыҡтың яҡынлығын белеү өсөн бик кәрәк. Аллабирҙе мәктәбендә ҡунаҡҡа өләсәй менән ҡәрсәйҙәрҙе саҡырҙыҡ. Бәхетле ейән-ейәнсәрҙәр өлкән быуындың яҡындары хаҡында һөйләүҙәрен иғтибар менән тыңланы. Тәлиғә Баймырҙинаның, Мәрйәм Хәйерова инәйҙәрҙең ейән менән ейәнсәре генә түгел бүләсәре барлығы хаҡында ла белделәр. Мәктәп уҡыусылары Фидан Төркмәнов, Байсар Һөйөндөков, Арыҫлан менән Еламан Шәриповтар дүртенсе быуын - бүлә булыуҙары менән ғорурланды. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән өләсәй, ҡәрсәй Тәлиғә Нариман ҡыҙы Канчурина ауылдың өлкәндәре менән мәсеткә йөрөй. Ул мәктәп уҡыусыларына Ҡөрьәндең ата-әсәйҙәргә ҡарата ихтирамлылыҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләүе хаҡында һөйләне. Беренсе ейәне Артурҙың Аллабирҙе мәктәбен тамамлап, бөгөнгө уңыштары тураһында шатланып һөйләне. Лилиә Төркмәнова һигеҙ ейән-ейәнсәре барлығы менән ғорурланды. Бишенсе быуын - тыуа-тыуасар, алтынсы - тыуаят, етенсе - ете-ят исеме менән йөрөтөлөүе хаҡында ла белделәр. Азалия Күзбаева Бөрйән районында йәшәүсе Ғәшиә өләсәһе тураһында һөйләне, ә өсөнсө кластар уҡытыусылары ярҙамында төҙөгән шәжәрәләре менән таныштырҙы. Беренсе класс уҡыусыларына өләсәй- ҡартәсәйҙәре хаҡында әсәйҙәре яҙып ебәргән. Осрашыу туған башҡорт теленең һүҙ байлығына, матурлығына һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уятты. Киләсәк быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш һалған өлкән быуынға Аллабирҙе мәктәбе рәхмәтле. Олатай, ҡартатай, өләсәй, ҡартәсәй... Бәхетлеләр ошо яғымлы һүҙҙәр менән оҙаҡ йылдар ғәзиздәренә өндәшә. Ата-әсәй тәрбиәһе менән бергә өләсәй, ҡәрсәй һөйөүенә ҡойоноп үҫкән балаларҙың тәртиптәре нығыраҡ. Сания КҮЗБАЕВА Аллабирҙе ауылы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Һуңғы минутынаса улының исемен ишетеү менән йөҙөнән нур ҡаса, ҡурҡыуынан дер-дер ҡалтырай башлай торғайны, тиҙәр яҡындары. Улының эскелек арҡаһында иблескә әйләнеүе ҡарт әсә өсөн тамуҡ ғазабына тиң булғандыр... ...Кискеһен урын йәйеп йоҡларға ятырға ғына йөрөгәндә күрше Сабира әбей ялан аяҡ, сәстәре туҙған килеш аһылдап килеп ингәс, Әсмә апай хатта үҙе ҡурҡып китә. Ҡото алынған әбей йөрәк дарыуы эсеп бер аҙ тынысланғас ҡына телгә килә. Хәл былай була. Инде ир уртаһына еткән улының ауылға гел генә иҫерек килеш ҡайтыуына Сабира әбей күнегеп тә китә. Ни хәл итәһең, бер уға килгән бәлә түгел, ана, ауылда өй аша тиерлек эсәләр. Оҙаҡламай ғаиләһенән ҡыуылып сыҡҡан ир тыуған йортҡа ҡайтып баш төртә. Һуңғы ваҡыттарҙа бигерәк әллә нимәләр ҡыланып, бәйеле аҙа башлаған улының ҡайтыуы әбейҙе нисектер шомға һалһа ла, үҙемдең ҡаным бит, тип бер һүҙ ҙә әйтмәй. Иҫерек улы телевизорҙан оятһыҙ фильмдар ҡарай башлаһа, Сабира әбей шым ғына алғы бүлмәгә сығып китә һала. Бер кисте улының сәйер ауаздарын ишетеп килеп ингән әбей уның ярым-яланғас килеш нимәлер эшләп ҡыялыуын күреп шаҡ ҡата. Утты ла ҡабыҙмайынса урын һалып, йоҡларға ятырға йыйынғанда ул улының янына килеп баҫҡанын абайламай ҙа ҡала. Башта нимәлер мыңғырлап, уны түшәккә йығырға тырышҡан ирҙең нимә ҡыланғанын аңламай, ә инде улының хаяһыҙлығы аңына барып еткәс, йән асыуы менән улын этеп ебәрә лә сығып йүгерә. Ҡайҙан көс-ҡеүәт алғандыр, Хоҙай ғына белә, туҡһанын ҡыуған, быға тиклем өй эсендә лә таяҡ менән көскә-көскә генә йөрөгән әбей көҙҙөң күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғы төнөндә таяҡһыҙ-ниһеҙ, ойоҡсан килеш күршеһенә барып йығыла. Ошо ҡәһәрле төндән һуң ир зым-зыя юҡ була. Яҙын ҡар ирей башлағас, урмансылар ауылдан байтаҡ ҡына арауыҡта ятҡан Имән ауған төпкөлөндә ергә йөҙ түбән ҡапланып ятҡан кеше мәйетенә тап булалар. Янында буш шешәһе лә ултырған. Мәйеттең йөҙө сысҡандар кимереп бөткәнлектән, танығыһыҙ хәлдә була. Шулай ҙа уның теткеләнә башлаған кейеменән әбейҙең улы икәнлегенә төшөнәләр. Әсә рәнйеше төшкәнмелер, әллә ирҙең һуңлап булһа ла выждан ғазабы уянғанмылыр – уныһы хәҙер инде мөһим түгел. ...Сабира әбейҙең баҡыйлыҡҡа күскәнлегенә лә хәҙер инде байтаҡ йылдар уҙҙы. Һуңғы минутынаса улының исемен ишетеү менән йөҙөнән нур ҡаса, ҡурҡыуынан дер-дер ҡалтырай башлай торғайны, тиҙәр яҡындары. Улының эскелек арҡаһында иблескә әйләнеүе ҡарт әсә өсөн тамуҡ ғазабына тиң булғандыр... Тормошта булған был ваҡиға эскелектең ниндәй сиккә алып килеп еткереүенә бары тик бер генә миҫал. Донъяла хур булғың килһә, хәмер эс, тиҙәр.
“Ғәйбәтсе Йәннәткә инмәҫ,” – тиелә хәҙистә. Һәр бер ишеткәнеңде һөйләп йөрөү, кеше тикшереү, йәғни, ғәйбәт – Исламдағы иң ҙур гонаһтарҙың береһе. Тимәк, уның өсөн Тамуҡ уты ғазабы ҡаралған. Әммә, үкенескә күрә, ғәйбәт сәйнәү, ләстит һатыу йәшәйешебеҙгә үтеп инеп, шул тиклем киң тамыр йәйгән, ҡаныбыҙға һеңгән, беҙ уныхатта һиҙмәйбеҙ ҙә. Кемдеңдер тормошон, ғәйеп-хаталарын, холоҡ-фиғелен тикшереү – ғәҙәти хәл. Ә бит уйламаҫтан әйткән бер генә һүҙеңдең дә гонаһҡа әйләнеүе мөмкин. Сәғәттәр буйы кеше тикшереп, ләстит һатыуҙан йәм табыу хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡөрьәндә һүҙ ташып йөрөү, кеше артынан тикшеренеү үлгән ҡәрҙәшеңдең итен ашау менән сағыштырыла: “Эй һеҙ иман килтереүселәр! Күп төрлө фараздарҙан һаҡланығыҙ, сөнки ҡайһы бер фараздар гонаһ. Бер-берегеҙҙе эҙәрлекләмәгеҙ һәм бер-берегеҙҙең артынан ғәйбәт таратып йөрөмәгеҙ. Кемегеҙгәлер үлгән ҡәрҙәшенең итен ашау оҡшар инеме ни? Һеҙ бынан ерәнәһегеҙ бит. Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ – тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, Рәхимле!” (“Әл-Худжурат”, 12). Бер кемдең дә мәйет итен сәйнәгеһе килмәҫ ине, эйе бит? Әммә тәмләп-тәмләп ғәйбәт сәйнәүҙән күптәр баш тартмай. Күҙ алдына килтерегеҙ: өлөшләп-өлөшләп мәйет итен сәйнәгәндән тешегеҙ араһында ит ҡалдыҡтары тороп ҡала. Ниндәй ерәнес күренеш, эйеме?! Шуның кеүек үк, ғәйбәт һөйләү ҙә әшәке күренештәрҙең береһе. Нимә ул – ғәйбәт? Ул – мосолман ҡәрҙәшең хаҡында уға оҡшамаҫтай хәбәр әйтеү. Мәҫәлән, тышҡы йөҙөндәге, холоҡ-фиғелендәге етешһеҙлектәрҙе атау, уның ғаиләһе, өйө хаҡында күңеленә ятмаҫтай һүҙ әйтеү, уның ҡылыҡ-ғәмәлдәрен тикшереү. Мосолман ҡәрҙәшеңдең физик етешһеҙлектәре булһа, уны эләкләп күрһәтеү тағы ла әшәкерәк. Әгәр ҙә кемдеңдер ниндәйҙер ҡылығын, эшләгән эштәрен кәрәкһеҙ, шелтәгә лайыҡ тип тапһаң, был хаҡта уның үҙенә әйтеү, йомшаҡ ҡына нәсихәт биреү дөрөҫ булыр. Бар кеше алдында уны йөҙөнән алып битәрләү яраған эштәрҙән түгел. Сөнки уның быны ауыр ҡабул итеүе, рәнйеүе бар. Ә нәсихәт икәү булғанда ипләп кенә бирелә. Ни өсөн ғәйбәт гонаһ һанала һуң? Ғәйбәт йөрөтөү – кешеләр араһын боҙоусы факторҙарҙың береһе. Бер-береңдең ғәйебен тикшереп, хәбәр таратып, һүҙ ташып йөрөү дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлекте ҡаҡшата, шик-шөбһә тыуҙыра, ышанысты юғалта. Ә бит ғәйбәт һөйләүселәр дөрөҫтө генә һөйләп ҡалмай, арттырып ебәрергә лә мөмкин. Тағы килеп ғәйбәт сәйнәп, ләстит һатыуға күпме ваҡытын әрәм итә әҙәм балаһы. Ғәйбәт – алдап, булмағанды бар итеп һөйләү, тип уйлау хата фекер. Берәү Аллаһ Рәсүленән (саллаЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Әгәр ҙә мин һөйләгән нәмә ҡәрҙәшем дә ысынлап та булһа?” – тип һораған. Ул: “Әгәр ҙә һин әйткән нәмә унда булһа, һин уға ҡарата ғәйбәт эшләйһең. Әгәр ҙә һин әйткән нәмә унда булмаһа, һин уға яла яғаһың,” – тип яуап биргән. “Яҡшы һүҙ һөйлә, йә өндәшмә,” – тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Күп һүҙ һөйләүҙән, ғәйбәт һөйләнелгән урындарҙан ары тороу хәйерле. Иғтибарыңды юҡҡа йәлеп иткәнсе, башыңды буш менән ватҡансы, юҡты ләпелдәп тел талдырғансы, шым ҡалыуың мең артыҡ. Гонаһ ҡылыу өсөн бер генә һүҙ ҙә етә бит.
Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәте лә 2023 йылдарға тиклем башланғыс класс уҡыусыларын түләүһеҙ туҡландырыу мәсьәләһе хәл итеүҙе йөкмәткәйне. Яңы уҡыу йылынан республикала 1 934 мәктәп ошо эште башларға әҙер. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдерҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған проект өҫтәп финаслау иҫәбенә тормошҡа аша. Өс йыл дауамында республика мәктәптәргә 4,55 миллиард һумлыҡ бюджет субсидияһы йүнәлтте. Мәктәптәрҙең туҡланыу урындарын төҙөкләндереү, ҡорамалдар, һауыт- һаба һатып алыу өсөн дә финанс ярҙам бүлде. Бынан тыш аҙ комплектлы мәктәптәрҙә лә туҡланыу ойоштороласаҡ. Быға тиклем унда балаларға аҙыҡ- түлек наборы ғына бирелә ине. Алексей Гусев билдәләүенсә, балаларҙы туҡландырыуҙа урында етештерелгән аҙыҡ- түлектең өлөшө артҡан. Айырыуса ит продукцияһында республика етештереүселәренә өҫтөнлөк бирелә. фото Башинформдан алынды. https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/ Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Өфөлә унынсы тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙы яттан һөйләүселәрҙең ижади бәйгеһе уҙҙы. Сара өсөнсө йыл инде халыҡ-ара статуста үтә, ә быйылғыһы йәй Өфөлә уҙасаҡ VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек булды. Конкурс номинацияларында эпосты төрлө телдәрҙә һөйләү генә түгел, донъя халыҡтары эпостары геройҙары мотивтары буйынса уйындар, белешмәләр эшләү һәм презентациялау. Ә ситтән тороп ҡатнашыу форматында тәүге тапҡыр бейеүселәр, вокалсылар һәм музыканттар көс һынашты, улар видеоға төшөрөлгән халыҡ йырҙары, бейеүҙәре һәм инструменталь әҫәрҙәр тәҡдим итте. Конкурста традиция буйынса М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан, 4-се мәктәптән, Ҡыпсаҡ-Асҡар һәм Әбдрәшит ауылдарынан йәш сәсәндәр ҙә ҡатнашты. “Башҡорт теле” секцияһында түбәндәгеләр еңеүсе булды: “Артистарса дуэт” номинацияһында – лицейсылар – алтынсы синыф уҡыусылары Байрас Сәләмов һәм Рамир Сабанчин (етәкселәре Л. А. Сайранова), “Аудитория менән иң яҡшы аралашҡан өсөн” – Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы Айгиз Сәмиғуллин (етәксеһе М. З. Муллағолова), “Урал батыр”ҙы виртуоз-башҡарыусы” – Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы Данияр Кәримов (етәксеһе М. З. Муллағолова). “Донъя халыҡтары телдәре” секцияһында, эпосты немец телендә башҡарып, 4-се мәктәптең 7-се синыф уҡыусыһы Елизавета Петер (етәксеһе С. Ф. Халиҡова) III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ошо уҡ секцияла Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 2-се синыф уҡыусыһы Мереке Сәлихова ла сығыш яһаны, ул эпостан өҙөктө ҡаҙаҡ телендә һөйләне. Конкурсты ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты үткәрә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Район мәғариф учреждениеларының педагогик коллективтары йыл һайын “Сәләмәтлек” спартакиадаһында әүҙем ҡатнаша. Район мәғариф учреждениеларының педагогик коллективтары йыл һайын “Сәләмәтлек” спартакиадаһында әүҙем ҡатнаша. Был сара спортты үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, үҫеп килеүсе быуында сәләмәт тормошҡа хөрмәт тәрбиәләргә ярҙам итә. Спартакиада – ысынлап та күләмле, сағыу бәйге. Унда ҡатнашҡан һәр кем үҙ тырышлығының һөҙөмтәләре өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя. Һөйөнөс, сәләмәтлек, уңыш байрамы ул. Уның агитация яғынан да әһәмиәте ҙур, сөнки педагогтар үҙҙәренең шәхси үрнәктәрендә физик активлыҡтың һәм еңеүгә ынтылыштың ҙур мөмкинлектәрен раҫлайҙар. “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙған спартакиада барышында педагогтар үҙҙәренең спорт яратыуҙарын һәм файҙалы ялға өҫтөнлөк биреүҙәрен йәнә бер ҡат иҫбатланы. Бәйге мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы һәм райондың физик культура һәм спорт бүлеге, мәғариф учреждениелары етәкселәре ҡат-нашлығында уҙҙы. Ярыштарҙы ҡарарға һәм үҙ коллегаларына мораль ярҙам күрһәтергә бик күп тамашасылар йыйылған ине. Ярыш программаһына ГТО нормативтарын тапшырыу, өҫтәл теннисы, шахмат, шашка һәм волейбол уйыны инде. Өҫтәүенә, унда ҡатнашҡан һәр кемгә шәхси беренселектә лә үҙ көсөн һәм мөмкинлектәрен һынарға кәрәк ине. Спартакиада йомғаҡтары буйынса беҙҙең Ҡаңны-Төркәй мәктәбе шахмат һәм шашка бәйгеләрендә команда зачётында икенсе урын алды. Шашка буйынса шәхси беренселектә мәктәп операторыбыҙ Эльфир Кашаповҡа тиңдәр булманы. Ул бер уйында ла отолманы. Сабир Ғабдрахманов – икенсе, Рәсимә Мөрсәлимова өсөнсө урынды яуланы. ГТО-ның 8 баҫҡыслы нормаларын тапшырыуҙа беренсе урынды Сәриә Бикмәева, туғыҙ баҫҡыслыһында Сәйетғәли Минияров яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, волейбол һәм өҫтәл теннисы уйындарында командабыҙ еңеүселәр рәтенә инә алманы. Әммә икенсе йылда был уйындарҙа еңеү яуларбыҙ, тип ышанам. Спартакиадала ҡатнашыу һәр кем күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бындай саралар – коллективтың рухын нығытыу, уны тағы ла нығыраҡ берләштереү өсөн яҡшы мөмкинлек. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
21 февраль Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәштәр менән осорашыү үткәрә. 21 февраль ВДНХ-Экспо бинаһында утәсәк «Башҡортостан оло мөмкинселектәр ере» тип аталған йәштәр йыйылышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров егеттәр һәм ҡыҙҙар менән бер тиң диалог алып барасаҡ. Был сарала республика ҡала һәм райондарынан килгән йәштәр ойошмалар етәкселәре, ғалимдар, студенттар, уҡыусылар, спортсылар Радий Фәрит улына үҙҙәренең ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итәсәк, борсоған һорауҙарын бирәсәк һәм йәштәргә нисек ярҙам итеү хакында уй-фекерҙәре менән бүлешәсәк. Әйтергә кәрәк, был осорашыу «Тиң диалог» федераль проектына ярашлы уҙғарыла һәм республиканың йәштәр сәйәсәтен кәрәкле йүнәлештә йәләп итеү маҡсатында ойошторола. Осорашыуға оло эшкә тотонорлоҡ йәштәр саҡырыла. Регистрацияны түбәнге ссылка буйынса үтеп була https://myrosmol.ru/event/23095. Ниндә мәсьәлә күтәрелеүе хаҡында анкетанын махсус урынына яҙып куйыуығыҙ һорала. Шулай уҡ #Молодёжьоглавном #МолодёжьБашкортостана хештегтары буйынса социаль селтәрҙә лә ҡатнашырға ризалығыҙҙы белдереп була. Осорашыу: 21.02.2019 й. Урыны: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158 (ВДНХ-Экспо). Һорауҙарығыҙ ҡалһа колл-центр телефоны аша бирә алаһығыҙ: +7 (347) 246-56-31. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Районыбыҙ игенселәре, аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышып, иген баҫыуҙарының һуңғы гектарҙарында уңыш йыйыу эштәрен йомғаҡлауға яҡынлашты. Район хужалыҡтарында быйылғы урып-йыйыу эштәре тамамланды, тиергә лә була. Районыбыҙ игенселәре, аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышып, иген баҫыуҙарының һуңғы гектарҙарында уңыш йыйыу эштәрен йомғаҡлауға яҡынлашты. Район хужалыҡтарында быйылғы урып-йыйыу эштәре тамамланды, тиергә лә була. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөртөклө культураларҙы 1 мең гектарҙа йыйып алырға ҡалды. Ҡарабойҙай 1 мең дә 28 гектарҙа алынды, уртаса гектар ҡеүәте – 7,4 ц тәшкил итә. Орлоҡтоң 80%-ы бураҙналарға һалынды. Туңға һөрөү эштәре 16 мең гектарҙа башҡарылды ла инде. Быйылғы йылдың ямғырҙарға һаран килеүе, шунлыҡтан ерҙең ҡоро булыуы ужым культуралары өсөн дә яҡшы түгел. Хатта, ҡайһы бер хужалыҡтар был культураларҙы сәсеүҙе бер аҙға туҡтатып торорға ла мәжбүр булды. Әлеге көндә 14 887 гектарҙа ужым культуралары сәселде. Әммә, ерҙең ҡоро булыуы сәбәпле, улар һаман да сыҡмай. Ер кешеһенә, ғөмүмән, уңыш еңел бирелмәй. Быйылғы йылдың һауа шарттарына ярашлы, үҫтерелгән уңышҡа ҡарап, шөкөр итергә кәрәктер. “Искра” хужалығының малсылыҡ тармағы ла ҡышҡа тулыһынса әҙерлек алдында тора, әлеге мәлдә бында кукурузды силосҡа урыу бара, һәр малға яҡынса 25-30 центнерҙан ашыу мал аҙығы тупланған. Игене урылған баҫыуҙарҙа туңға һөрөү эштәре бара. Был эште Ғәйнулла Йосопов, Раил Түләков, Карамат Ғәлимов һәйбәт башҡара. Силос һалыуҙа Илмир Кинйәғолов менән Фаат Аҡһаров уңғанлыҡ күрһәтә. Орлоҡ ағыулау эшендә иһә Илдар Исхаҡов менән Раил Искәндәров бик тырышып эшләй. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының элекке баш табибы Евгений Кустов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының элекке баш табибы Евгений Кустов Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта 20 июлдә «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат секретары Софья Алешина хәбәр итте. Евгений Кустов яңы вазифала медицина эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеген һәм сифатын контролдә тотоу мәсьәләләре өсөн яуап бирә. Иртәгәнән ул үҙ бурыстарын үтәй башлай. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, кисә Евгений Кустов Белорет һәм коллегалары менән хушлашты. Ул медицина учреждениеһы етәксеһе вазифаһын ҡалдырыуы тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Евгений Кустов майҙа Өфөлә Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарҙы. Башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бер көндө Әлтәфтең ҡатынына палатаға инергә рөхсәт иттеләр. Быны ишеткәс, Әлтәф яҡшылап ҡырынды, йәш егеттәр кеүек ыҫпайланды. Әйтерһең дә, кейәү егете кәләш менән осраша. Бына палатаның ишеген һөйкөмлө ҡатын асты. Үҙе менән бергә ҡиммәтле хушбуй, тәмле аш еҫтәре алып инде. Ғәлимйән “терт” итеп ҡалды - был бит Миңһылыу! Эйе, эйе, Миңһылыу! Битендәге энә осондай ғына ҡара миңе лә шул уҡ! Ғәлимйән, үҙен танытмаҫҡа тырышып, арты менән боролоп ултырҙы. Ә Миңһылыу Әлтәфенән башҡа бер кемде лә күрмәй. Иркәләп, наҙлап иренең саллана башлаған сәстәренән һыйпай, наҙ тулы, мөхәббәтле ҡараштары менән иркәләй. Ә Әлтәф һуң! Ҡәҙерле уйынсығын тапҡан малай шикелле ҡыуана, ҡатынының ҡулдарын ысҡындырмай. - Ныу ҡотто алдың, дуҫ кеше! - Ниндәйҙер таныш булмаған тауышты ишетеп, күҙҙәрен асты Ғәлимйән. Эргәһендә оло йәштәрҙәге аҡһыл йөҙлө кеше баҫып тороуын күргәс, аптырауы тағы ла артты. “Мин ҡайҙа ятам һуң әле” тигән һорау үҙенән-үҙе килеп тыуҙы. Уның уйҙарын аңлағандай теге кеше мµләйем йылмайып: - Ярай ваҡытында килтереп еткергәндәр. Хәлең бик хөрт ине бит, беҙ бальниста. Минең исемем Әлтәф, - тине. Палаталаш бик ипле, яйлы әҙәм булып сыҡты. “Инсульт” тигән мәкерле сир аяҡтан йыҡмаһа, былай тик ятып түҙә торған кешеме инде Ғәлимйән. Тынғы белмәҫ йөрәге күптән уны әйҙәләп, ҡайҙалыр алып китер ине. Өйрәнгән ул шулай төрлө ерҙә эшләп. Көтөп торған кешеһе, йыйған малы, үҫтерер балаһы булмағас, ҡайҙа яҡшы - шунда йәшәп өйрәнгән инде. Хәйер, уның ҡалала бынамын тигән фатиры, ауылында өйө лә бар. Ҡайтҡаны юҡ ауылына... Унда ҡайтһа, иҫтәлектәр яңырыр, йә тик торғандан выжданы ғазаплай башлар тип ҡурҡа. Тик олоғая барған һайын бала саҡ, йәшлек йылдары нығыраҡ иҫкә төшә. Шағир бындай хәлде “ностальгия” тип атар ине. Дауаханала көндәр бер-бер артлы уҙа торҙо. Ике ауырыу тороп йөрөй, үҙ аллы ашай башланы. Әлтәфкә балалары, ҡатыны көн дә, хатта икешәр тапҡыр килә. Тик, палатаға инергә ярамағас, күстәнәстәрен генә ҡалдыралар. Ике ир яйлап тышҡа эскәмйәгә сығып ултыра башланы. Көндәр һалҡынайып, ҡырауҙар төшә башлаған мәл. Әлтәфкә улы килде. Көләс йөҙлө, баһадир һынлы был егет атаһы янында бер аҙ ултырҙы ла, күстәнәстәрен ҡалдырып ҡайтып китте. Ғәлимйәнгә нисектер таныш кеүек тойолдо ул. Палатаға ингәс тә, иҫкә төшөрөргә тырышты. Тик хәтер генә насарыраҡ, ахыры... Бер көндө Әлтәфтең ҡатынына палатаға инергә рөхсәт иттеләр. Быны ишеткәс, Әлтәф яҡшылап ҡырынды, йәш егеттәр кеүек ыҫпайланды. Әйтерһең дә, кейәү егете кәләш менән осраша. Бына палатаның ишеген һөйкөмлө ҡатын асты. Үҙе менән бергә ҡиммәтле хушбуй, тәмле аш еҫтәре алып инде. Ғәлимйән “терт” итеп ҡалды - был бит Миңһылыу! Эйе, эйе, Миңһылыу! Битендәге энә осондай ғына ҡара миңе лә шул уҡ! Ғәлимйән, үҙен танытмаҫҡа тырышып, арты менән боролоп ултырҙы. Ә Миңһылыу Әлтәфенән башҡа бер кемде лә күрмәй. Иркәләп, наҙлап иренең саллана башлаған сәстәренән һыйпай, наҙ тулы, мөхәббәтле ҡараштары менән иркәләй. Ә Әлтәф һуң! Ҡәҙерле уйынсығын тапҡан малай шикелле ҡыуана, ҡатынының ҡулдарын ысҡындырмай. Ни тиклем наҙ, йылылыҡ ошо ике кеше араһында. Ғәлимйән ипләп кенә уларҙы күҙәтә, Миңһылыуҙың ҡулдарынан күҙҙәрен алмай. Ап-аҡ, йомшаҡ бармаҡтарына кейгән затлы балдаҡтары ялт-йолт итә, ҡиммәтле таштарҙа ҡояш нурҙары сағыла. - Хәлле йәшәгән кешеләр икән, - тип уйлағайны Ғәлимйән тәүге танышҡан көндәрҙә Әлтәф тураһында. Тимәк, күршеһенә килтергән тәмле-тәмле ҡоймаҡтар, бәлеш-билмәндәрҙе ошо ҡулдар яһаған, ошо ҡулдар оҫта итеп бешергән. Ҡәҙерле, һөйөклө ире өсөн тырышҡан. Әлтәф Миңһылыуҙың ҡулдарына тағы бер күҙ һалды. Уң ҡулының һыртында саҡ-саҡ ҡына беленеп торған иҫке яра эҙҙәрен төҫмөрләне... Биш тиҫтәләп ғүмер кисергән уҙаман уйҙары менән алыҫҡа, йылдар төпкөлөнә юлланды. Ә бит ҡасандыр ошо ҡулдар уның асыуын килтерә, ытырғаныс тойғолар тыуҙыра ине... *** Һыу һөлөгөндәй йәш, таҙа кәүҙәле Ғәлимйән армиянан тағы мыҡтыланып, ит ултырып, нығынып ҡайтты. Билдәле, бындай егеткә ҡыҙҙар ҙа иғтибар итә. Тик уның күңеле ҡыҙҙарҙа түгел, ирҙән айырылып ҡайтҡан йәш ҡатындар, йылғыр еңгәләр тирәһендә уралды. Күңелле ине уға. Өйләнергә, балалар үҫтерергә уйламаны ла, шикелле. Тиңдәштәре өйләнеп, балалы булып бөткәс, ата-әсәһе гүр эйәһе булғас ҡына ҡатын алды. Ул - ике балаһы менән ирһеҙ ҡалған ошо Миңһылыу ине. Яратманы ул ҡатынын. Өйҙә ярҙам итеү түгел, ир-ат башҡара торған көндәлек эштәрҙә лә ҡатнашманы. Миңһылыу утынды ла үҙе ярҙы, ҡош-ҡортто, баҡсаны ла үҙе ҡараны. Үҙе эштән йонсоп, ҡулдары ҡояшҡа ҡара янып тутланып бөтә ине. - Ниңә ҡулдарыңа крем булһа ла һөртмәйһең? - тип асыулана Ғәлимйән. Тик көнө буйы баҡсала ҡый йолҡҡан, ике-өс һыйыр һауған, картуф утаған ҡатындың ҡулдары нисек ап-аҡ, йомшаҡ булһын инде. Утынды ла үҙе ярып, бесәнен дә үҙе сапҡас. Түҙмәне Ғәлимйән, сығып китте ауылынан. Бер ҡайтҡанында Миңһылыуға өйөн бушатырға, икенсе ҡайтҡанында бында булмаҫҡа бойорҙо. Нишләһен меҫкен ҡатын, балаларын алып, Ғәлимйән бүлеп биргән малғынаһын ҡыуып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Шул йылдарҙан алып Ғәлимйән - ирекле ҡош. Эшләне, аҡса тапты. Тик тиҙ үк туҙҙырҙы. Яңынан эшләне, аҡса тапты. Күңелсәк ҡатындар, еңел-елпе ҡыҙҙар, осраҡлы мөхәббәткә күнеп, күңелле йәшәне. Киң ине Себер киңлектәре Ғәлимйән өсөн. Бер-ике көндән Әлтәфте дауахананан сығарыуҙары билдәле булды. Ике күрше төнө буйы оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙы. Әлтәф үҙенең ғүмер юлын бәйән итте. Ҡатыны ике йәшлек кенә ҡыҙын, ирен ҡалдырып аварияла үлгәндән һуң, ирҙең йәшәргә лә теләге булмай. Бер ни тиклем ваҡыт эсеп йөрөй, шунан таксист булып эшкә урынлаша. Шунда осрата ла инде ул Миңһылыуҙы. - Район үҙәгенән ҡалаға китә торған юлда ике бала етәкләгән бер ҡатынды ултыртып алдым. Үҙе лә, балалары ла йоҡа ғына кейенгән. Балалар өшөгән, машинаға ултырғас, йылынып ойоп киттеләр. Малайы, ҙурыраҡ булғанғамы, башын ситкә һалған, ә ҡыҙы йоҡа ғына арзанлы башлыҡ кейгән башын әсәһенең иңенә терәгән. Ҡатындың күҙҙәре шундай моңһоу, йөҙө йонсоу. Ауылдағы булған ғына малын һатып, ике балаһын ҡалала йәшәгән оло ғына алыҫ туғанына ҡалдырып, эш эҙләргә китеп барышы икән. Ире үлгән, ата-әсәһе булмаған икәнен дә белдем. Икенсегә кейәүгә сығып уңмауын да һөйләне. Нисектер, асылып китеп һөйләште. Моғайын, сит кеше менән тормош тураһында һөйләшеүе еңелерәктер. Таныштарының фатирына алып барып ҡалдырҙым үҙҙәрен. Һағалап тороп, икенсе көндә тағы осраштым. Тураһын ярып әйттем дә ҡуйҙым: “Мин дә бер үҙем бала үҫтерәм, әйҙә бергә йәшәйек. Яратам тип әйтә алмам, тик үҙеңде лә, балаларыңды ла ҡағып-һуҡмаҫмын”. Миңһылыу бер аҙ ҡаршылашһа ла, риза булды. Уртаҡ ҡайғы, уртаҡ хәсрәттәр берләштергәйне беҙҙе. Шулай итеп, мин өс балалы атайға әйләндем. Тора-бара үҙ эшебеҙҙе астыҡ. Ҡалала һатылған бөтә икмәктәр - минең Миңһылыуым бешергән икмәк. Алтын ҡуллы, эшлекле ул минең ҡатыным. Тәүҙә яратыу тигән нәмә булмаһа ла, бергә йәшәй башлағас, ғашиҡ булдым. Шулай ҙа була икән, әй! Йүгереп өйгә ҡайтам. Ҡанат үҫкәндәй осоп йөрөйөм. Балалар яйлап үҫте. Хәҙер ике кейәүле, ейән-ейәнсәрле лә булдыҡ. Оҙаҡламай киленле лә булырбыҙ тип торабыҙ... Әлтәф һөйләй, ә Ғәлимйән үткәндәр менән һаташа. Бына Миңһылыу уның өйөндә сей утынды тоҡандырып ебәрә алмай аҙаплана. Быны күреп торған Ғәлимйән тыштан бензин алып инде лә мейескә һипте. Уны-быны абайламаған ҡатындың ҡулына ут ҡапты. Тиҙ үк һүндерҙе, ләкин бешкән ҡул өрөлөп сыҡты, шешеп китте. Һуңынан боҙолоп аптыратты. Һыҙланып тµндәр буйы йоҡлай алмаған ҡатында эше лә булманы ирҙең. Дауаханаға алып барыу, нисектер ярҙам итеү башына ла инеп сыҡманы. Бына шул яра эҙҙәрен төҫмөрләгәйне теге ваҡыт Ғәлимйән. Әлтәф бөгөн ҡайта. Ул Ғәлимйәндең ай-вайына ҡарамай ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бармаҫлыҡ, кире ҡағырлыҡ бер дәлил дә килтерә алманы шул, риза булды. Бына машина ике ҡатлы ҙур кирбес өй эргәһенә килеп туҡтаны. Теге көләс йөҙлө әзмәүер егет машина ишеген асты. Миңһылыуҙың улы икәнен аңлағайны инде Ғәлимйән. Өй тулы кеше: ҡыҙҙары, кейәүҙәре, балалары, улы кәләш буласаҡ ҡыҙын саҡырған. Миңһылыуҙың йөҙө ҡыуаныстан балҡый. Өй эсендә татыулыҡ, мөхәббәт, бер-береңә хөрмәт хөкөм һөрә. - Ҡайным, аш әҙер булғансы, әйҙә, көс һынашайыҡ, - тип кейәүҙәрҙең береһе шахмат теҙә, икенсеһе ҡулына гармун ала. Аш-һыу бүлмәһендә көлөшкән тауыштар ишетелә, тәмле аш еҫтәре борҡой. Аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл янында уйын-көлкө менән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Гармунға ҡушылып йыр һуҙған Миңһылыуға ҡарап, һоҡланып ултырҙы Ғәлимйән. Алтын алҡалары ла, муйынындағы алтын сылбыр ҙа, бармаҡтарындағы затлы балдаҡтар ҙа түгел, ә ҡатындың ябай сибәрлеге, моңло тауышы, тәрбиәлелеге һоҡландырҙы. Ошондай гүзәл заттың ваҡытында ҡәҙерен белмәүенә, ул ғына ла түгел, ҡулдарына ерәнеп ҡарағанына йәне көйҙө. Ирекһеҙҙән өләсәһенең “Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә - ир” тигән мәҡәлен иҫкә төшөрҙө. Эйе, мунса ташы түгел, йөҙөк ҡашы булған икән Миңһылыуы. Кис йоҡларға ятҡас та күҙенә йоҡо эленмәне Ғәлимйәндең. Төпкө йоҡо бүлмәләренең береһендә бала илағаны, икенсеһендә һаҡ ҡына көлөшкән тауыштар ишетелде. Ирҙең ҡолағында Миңһылыуҙың йыры яңғырай, күҙ алдынан бит осондағы миңе китмәй. Туҡта, уның ҡара миңе ҡултыҡ аҫтында ла, арҡаһында ла бар ине бит. - Миңем күп булғанға ата-әсәйем ошо исемде ҡушҡан, - тип һөйләгәне иҫенә төштө. Миңһылыуҙың икенсе бүлмәлә Әлтәф менән йоҡлауына беренсе тапҡыр үкенде, йөрәгенең сәнсеп алыуын тойҙо. Иртәгәһенә иртә менән Ғәлимйәнде кире дауаханаға илтеп ҡалдырҙы Әлтәф менән Миңһылыу. Ир оҙаҡ итеп улар киткән яҡҡа ҡарап ҡалды, ҡеүәтле сит ил машинаһы беренсе яуған ҡарҙа эре һырлы юл ҡалдырып, боролошҡа инеп юғалды. Һәм ошо мәлдә Ғәлимйән оло юғалтыу тойғоһо кисерҙе һәм кинәт йөрәген ҡаты сәнсеү алды... Ҡапыл ел сыҡты, дауахана баҡсаһында үҫкән сейә ботағында эленеп торған һуңғы япраҡ та өҙөлөп төштө...
I Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы сирек быуат элек – 1995 йылдың 1-2 июнендә үткәйне. Ҙур башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндә асыла. – Ойошмабыҙҙың сирек быуатлыҡ юбилейын Башҡорт теле йылында билдәләү тәрән мәғәнәгә эйә. Теүәл сирек быуат элек кеүек, әле лә телде, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау һәм халыҡты үҫтереү мәсьәләләре өҫ­төнлөк итә. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә үткәрергә, ошо йылда әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләп уҙырға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына һәм яҙмышына ҡағылышы булған шәхестәрҙе бер өҫтәл артына йыйырға ниәтләйбеҙ, – тине Ҡоролтай президиумы рәйесе Эльвира Айыт­ҡолова. Ҡурсаланыу осоронда ойошманың 25 йыллығына арналған сараларҙы онлайн тәртибендә уҙғарырға ҡарар ителде. Социаль селтәрҙәрҙә ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихы менән танышырға мөмкин. Тәүге ҡоролтайҙарҙың делегаттары, Башҡарма комитет ағзалары тәьҫо­раттары менән уртаҡлаша. Көн һайын киске сәғәт 8-ҙә Ҡоролтайҙың “Инстаграм”дағы сәхифәһендә башҡорт халҡының милли-рухи үҫешенә тос өлөш индергән күренекле шәхестәр менән видеоосрашыуҙар ойошторола. Улар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының элекке етәкселәре һәм ағзалары, съезд делегаттары, аппарат бел­гестәре. Мәҫәлән, тәүге эфирҙы әлеге Башҡарма комитет ағзалары, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәми­ҙуллин һәм филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов үткәрҙе. Румил Аҙнабаевтың, Әмир Ишемғоловтың, Илгиз Солтанмо­ратовтың сығыш яһауы күҙаллана. Төрлө йылдарҙа Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына етәкселек иткән шәхестәр ҡатнашлығындағы тура эфирҙағы осрашыуҙарҙы Башҡарма комитет ағзаһы, шағирә, журналист Лариса Абдуллина алып бара. “Инстаграм”да шулай уҡ Ҡоролтай тураһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырға була. Көн һайын ойошторолған викторинала һәр кем белемен тикшереп ҡарай ала. Социаль селтәрҙәрҙә онлайн-концерт эстафетаһы башланды. Артис­тар үҙҙәренең сығышын Ҡоролтайҙың юбилейына арнай, эстафетаны коллегаларына тапшыра. Мәҫәлән, “Арғымаҡ” төркөмө һәм Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина интернеттағы тамашасыларын үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырып та өлгөрҙө. Уларҙың ҡотлау һүҙҙәре Ҡоролтай сәхифә­ләрендә урынлаштырылды. Интернеттан файҙаланыусылар өсөн “Башҡортса уҡыйбыҙ” тигән үҙенсәлекле акция ойошторолдо. Бүләктәргә бай акция башҡорт телен­дәге гәзит, журналдарға яҙылыу кампанияһы нигеҙендә уҙғарыла. Теләгән һәр кеше башҡортса баҫмаға яҙылып, аҡсалата бүләк ота ала. Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агент­лығы, “Юлдаш” радиоһы конкурс-отош ойошторҙо. Унда ҡатнашыу шарттары ябай. Гәзит йәки журналға һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың аккаунттарына яҙылырға кәрәк. Конкурсҡа 2 июндә йомғаҡ яһала. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла. Төп бүләктең хаҡы – 30 мең һум. Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/oroltay-25-yylly-yn-bild-l-y/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Ауылыбыҙҙа шәп ҡәйнә һәм килендәр бик күп. Кемдәрҙер—бер йортта, кемдәрҙер күршеләш килен-ҡәйнә булып, матур итеп, күптәрҙе һоҡландырып, туғандарын һөйөндөрөп Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында “Айыҡ ауыл-2020 йыл” сиктәрендә “Шәп ҡәйнә менән уңған килен”де асыҡлау маҡсатында ярыш ойошторҙоҡ. Ул сәхнәнән тороп үҙеңде күрһәтеүгә ҡоролманы. Конкурсты ойоштороу комитеты ағзалары өйҙәргә йөрөп, ғаиләнең тормошон, кәсеп-шөғөлөн, ҡул эштәрен, маһирлығын тикшерҙе. Тик алдан ярыш төрҙәре әйтелмәне. Бының да үҙенә күрә сәбәбе бар: алдан иҫкәртелгән булһа, был тема бу-йынса өйҙә тулы әҙерлек, хатта яһалмалылыҡ та килеп сығыуы бар ине. Шуға ла маҡсат көн дә тәбиғи йәшәү рәүешен, кешеләрҙең тормошҡа ҡарашын асыҡлау булды. Ауылыбыҙҙа шәп ҡәйнә һәм килендәр бик күп. Кемдәрҙер—бер йортта, кемдәрҙер күршеләш килен-ҡәйнә булып, матур итеп, күптәрҙе һоҡландырып, туғандарын һөйөндөрөп йәшәй. Мәҡәләмдә шуларҙың береһе тураһында бәйән итмәксемен. Утарбаева Рәйсә Вәли ҡыҙы 17 йәшендә генә Ниғәмәт ауылына килен булып оҙатылып килә. Әлбиттә, йәш ҡыҙҙың кейәүгә сығырға теләге булмай, тик атаһы: “Һораталар икән, бараһың, ғәйбәт таралыуға урын ҡалдырмайһың”,—тип һүҙҙе ҡаты тота. Шулай итеп, Байым ауылы ҡыҙы Рәйсә Рахманғолова Ниғәмәт ауылының активист-комсомолец егетенә кейәүгә сыға. Йырға, бейеүгә оҫта, ойоштороу һәләте үҫешкән егет Утарбаев Ғәйнислам Мөхәмәтдин улы күп ваҡытын ауыл йәштәрен ойоштороу эше менән мәшғүл була. Йәш килен Рәйсә биш намаҙын уҡып, дини йолаларҙы теүәл үтәгән ҡайны-ҡәйнәһенә һыйынып, донъя көтөргә өйрәнә. 1959 йылда— Миңдинур, 1961 йылда—Мирза, 1963 йылда— Самат, 1965 йылда Лилиә тыуа. Ошо дәүер эсендә уға ҡайны-ҡәйнәһен, аҙаҡ инде яңы 29 йәшенә аяҡ баҫҡан тормош иптәше Ғәйнисламды ла һуңғы юлға оҙатырға тура килә. —Шул осорҙа нисек түҙҙегеҙ?—тигән һорауға ул: —Хоҙайымдан сабырлыҡ һораным да, балаларыма бәхет-һаулыҡ теләнем,—тип яуап бирҙе. Эйе, еңел булмағандыр уға. Ауылға килен булып төшкәндән алып колхоздың төрлө эштәрендә эшләп өйрәнгән Рәйсә апай үҙен хеҙмәт менән йыуатҡандыр. Күп тә үтмәй яҙмыш уны тағы һынай: улы Мирза ла баҡыйлыҡҡа күсә. Был мәлдә уның ҡайғыһын үҫеп еткән балалары баҫа әсәләренә терәк була. Рәйсә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала быҙау ҡарап, һәр саҡ Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнә. Бер урында егерме йыл эшләгәнгә Хеҙмәт ветераны миҙалына ла өлгәшкән. Тол ҡалған яңғыҙ ҡатынмын тип тормай, бер йыл эсендә тиерлек бер-бер артлы балаларын эйәле-башлы итә. Әле Рәйсә апай улы Самат, килене Нурия менән донъя көтә. Килен ҡәйнә буҫағаһынан ярала, тиҙәр. Нурия ла ҡәйнәһе кеүек эшкә бөтмөр. Ул башта ырҙында, унан фермала эшләй. Хеҙмәт юлының һуңғы егерме йылдан ашыуын һауынсы була. Фермала иң ауыры—тананы һауырға өйрәтеү. Әммә, Нурияға был ҡыйынлыҡ килтермәй. Хеҙмәттәштәре шаяртып әйтеүенсә, Нурия һыйыр телен белә, улар кеше ишетмәҫ, күрмәҫ элек килешеү төҙөй бит. Нурияның наградалары, Маҡтау грамоталары, 2007 йылдан “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән чемпион таҫмалары уның фиҙакәр хеҙмәте хаҡында һөйләй. 2017 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме бирелә. Был өйҙә бик тыныс, һөйләшеп ултырғанда ла күңелгә ял алаһың. Беҙ барған көндө Рәйсә апайҙың ейәне Азамат ҡатыны Раушания һәм ике улы менән килде. Өс быуын ҡәйнә-киленде күреү һоҡланғыс күренеш ине. Уларҙың ярҙамлашып, бер-береһен аңлап донъя көтөүҙәренә хайран ҡалмалы! Мул тормошло, тулы ҡанлы тормош өй эсендә лә, тышта ла күҙгә ташлана: матур итеп биҙәлгән өй, матур баҡса, ике еңел машина, трактор һәм шул трактор менән ташылған һәм һарайҙың ялан кәртәһенә өйөлгән бесән—барыһы ла ғаилә хужаларының эшһөйәрлегенә дәлил. Заманында Рәйсә апай ҡәйнә-ҡайныһын хөрмәт иткән. Әле килеп үҙе ихтирамға лайыҡ ҡәйнә. Нурия ла шәп ҡәйнә булырлыҡ. Улы Азамат ҡартатаһы Ғәйнислам ағай кеүек дәртле, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнаша, ә килене Раушания социаль хеҙмәткәр. —Ололарҙы ҡарау миңә тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә, уларҙан күп нәмәгә өйрәнәм,—ти йәш килен. Ололарҙы ололаған, ҡәҙер иткән кәм-хур булмаҫ. Киләсәктә Азаматтың улдары ла буй етер, кәләш алыр. Улар ҙа шәпле ҡәйнә, шәпле килен булып донъя көтөр. Бының өсөн өлгө булырҙай өләсәй-әсәйҙәр бар бит!
Минең исемем – Йәмилә. Йөҙө лә, күңеле лә йәмле булһын тип, өлә­сә­йем ҡуштырған. Рәхмәт инде мәрхү­мәгә, исемемде уның һәҙиә­һе, иҫтә­леге итеп, унан ҡалған изге ҡомартҡы тип йөрөтәм. Ул исемде, уның мәғәнәһен үҙем яратһам да, ишеткән һайын, күңел төбөндә нин­дәйҙер ҡорт ҡыбырлап ҡуйған кеүек: бик үк йәмле түгелмен шул… Хоҙай бабай матурлыҡ өләшкәндә мин, бахыр, йоҡлап ҡалғанмын, кү­рә­һең. Гүзәл, Һылыу, Сибәр исемдәрен йөрөткән йәмһеҙ ҡыҙҙар ни кисерәлер, ә мин оялам, хат­та, һеҙгә дөрөҫөн әйтәйем инде, кәмһенәм дә. Үҫмер сағымда әсәйемә лә йыш ҡына әйткән саҡтарым булды: “Кемгә оҡшатып, шулай йәмһеҙ итеп таптығыҙ ул мине?” Ул мине әрләп ташлай: “Кит, бушты һөйләмә! Бик матур ҡыҙ булып үҫеп киләһеңсе! Донъяла йәмһеҙ кешеләр юҡ ул, һәр кемдең бер һөймәлекле һөйәге була. Бына, ҡыҙым, һинең күҙҙәрең матур. Һинеке кеүек оҙон толомдар берәүҙә лә юҡ”, – тип сәстәремдән һыйпап йыуата башлай. Эййе, һиңә! Терпе лә үҙ балаһын йомшағым тип яра­та ти бит! Мин тағы көҙгө янына барам, һон­тор кәүҙәмә, нәҙек кенә ҡул-аяҡтарыма, һипкел баҫҡан йөҙөмә, аҡыш күҙҙәремә оҙон-оҙаҡ ҡарап торам. Шунан көҙгөгә лә, атай-әсәйемә лә берҙәй үпкәләйем. Йә, бындай ямаҡ ҡыҙға кем ҡараһын инде? Әхирәттәрем инде малайҙар менән хат алыша, осрашып йөрөгәндәре лә бар. Ә миңә, исмаһам, иғтибар иткән берәү булһасы. Былай ҙа ҡырыҫ кеше тағы ла нығыраҡ йомолам, үҙ ҡабырсағыма бикләнәм. Ғөмүмән, тоҡомобоҙ менән йомо­ҡай­ҙар беҙ. Өләсәй ҙә мине “Шымтояҡ” тип йөрөттө. Бына төҫөң булмағанға кү­рә, исмаһам, алсаҡ, иркә хол­ҡоң, кө­ләс йөҙөң булһын ине лә ул. Юҡ инде! Шулай ояла-ғәрләнә йәшәй торғас, 35 йәшкә еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әхирәттәрем барыһы ла кейәүгә сығып бөттө, ир, йорт, ғаилә ҡарайҙар, бала үҫтерәләр. Ә мин “ҡарт ҡыҙ” булып ултырып ҡалдым. Япа-яң­ғы­ҙым район үҙәгендәге бер бүл­мә­ле фатирымда йәшәп ятам. Яңғыҙ ти­гәс тә, ул хәтлем үк түгел инде. Төп­көл генә ауылда атай-әсәйем йәшәй, һаман өйләнмәгән ҡустым да улар менән тора. Иң мөһиме – яратҡан эшем бар. Район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләйем. Медколледж тамамлап ҡайтҡаны бирле ошонда. Коллективта хөрмәт итәләр, ауырыуҙар ҙа рәхмәттәрен яуҙырып тора, бүләк-күстәнәс тә ташыйҙар. Эштә мин бәхетле, һөнәремде яратып, ихлас башҡарам. Хеҙмәт хаҡым да һәйбәт, үҙемә лә, атай-әсәйемә ярҙам итергә лә етә, хатта артып ҡала. Артҡанын йыйып барам. Ул яҡҡа һәләк һаҡсыл кеше мин. Шулай булмаһа, яңғыҙ башым фатир һатып ала алыр инемме? Әле машинаға йыям, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн отпускымды көтөп йөрөйөм. “Ҡандан ҡурҡмайһыңмы ул? Бер нәмәнән дә ерәнмәйһең дәме?” – тип һорай күптәр. Уның нимәһе ҡурҡыныс инде? Кеше организмынан да теүәлерәк, уның эске ағзаларынан да камилыраҡ нәмә бармы икән ул? Аллаһы Тәғәләме, Тәбиғәтме, талантлы рәссам кеүек, шундай оҫта итеп яралтҡан бит ул әҙәм балаһын! Күп тапҡыр һоҡланып ҡарап торғаным бар: хирург ауырыуҙың эсен ҡырҡып ебәрә лә һинең күҙ алдыңда шундай күренеш хасил була: йөрәк, үпкә, бауыр, ашҡаҙан, эсәктәр иҫ киткес бер матур тәртип менән урынлашҡан! Сәнғәт әҫәре тиерһең! Доктор уны аҡтарып, кәрәк ағзаның сирле өлөшөн киҫеп ташлай. Эшен бөтөргәс, әлеге эсәктәрҙе һоҫоп алып, нисек етте шулай тултыра ла эсте тегеп тә ҡуя. Әҙәм балаһының организмы үҙендә йәнә тәртип булдыра, һәр ағза матур ғына итеп үҙ урынына ултыра ла ҡуя. Ғәжәп тә, һоҡланғыс та!.. Ә бына минең тормошомда ҡасан тәртип булыр икән? Эш сәғәте бөтөүгә, минең өсөн эс бошорғос күңелһеҙ кистәр, йоҡоһоҙ, ҡотһоҙ оҙон төндәр етә. Донъяла яңғыҙлыҡтан да ауырыраҡ нәмә бармы икән ул? Байрамдарҙы ла яратмайым. Ундай даталарҙы эштә дежур булып үткәрергә тырышам. Берҙән-бер аралашҡан кешем – ул Дилбәр. Бергә эшләйбеҙ. Ире, ике балаһы бар. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ләстит һатырға, ғәйбәт һөйләргә яратмай ул. Үҙе ғәләмәт шаян да. Уның һүҙ байлығына иҫең китер: шундай ҡыҙыҡ һәм халыҡсан итеп һөйләй, ә үҙе бер ҙә көлмәй. “Ҡапҡаңды яп, көпөң менән ситәүкәңде сис, төпһөҙ тоҡто тултырырға ваҡыт”, тип әйткәне “Хәбәреңде туҡтат, халат менән башлығыңды сис, сәй эсеп алайыҡ”, тигәнде аңлата. – Һине аңлар өсөн күптәргә “Толковый словарь” кәрәк, – тип көләм. – Күптән хыялланам берәй “Бестолковый словарь” сығарырға… Шулай оҙон төндәрҙе ҡыҫҡартып, сәй эсәбеҙ, сер уртаҡлашабыҙ. Ул ҡапыл ғына етди итеп: – Быйылдан да ҡалмай һине аҡыртып кейәүгә бирәм. Башыңды мин ашамаһам, кем? – тимәһенме. – Медик кешеһең, үҙең дә аңлайһың: Хоҙай бабай ҡатын-ҡыҙҙы донъяға тоҡом ҡалдырыр өсөн яралтҡан. – Эйй, кәрәк тип кенә кемгә етте шуға сыҡҡы килмәй бит әле... – Ҡара, ҡыҙый, бала табырға һуңға ҡал­һааааң… аҙаҡ өмә итһәң дә бул­маҫ! – Дилбәр шыңғырлатып көлөп ебәрә лә хәйләкәр генә итеп күҙен ҡыҫа. – Теге ваҡыт кафела танышҡан егет менән эштәр нисек әле? – Уй, Дилбәр, уны кешегә һөйләүе лә оят... – Мин кешеме ни? – Әтеү мышымы? – Мин – әхирәт, мин – серҙәш. Эйе, Яңы йыл алдынан коллектив менән тәүгә корпоратив кисәгә барғайным шул. Былай күңелле генә булды. Кафела айырым өҫтәл­дәрҙә башҡа йәштәр ҙә күренә. Минең яңғыҙ икәнде күрепме, бер йәш егет бейергә саҡырҙы. Матур ғына, үҙен ипле генә тота. Танышып кит­тек, Сарим исемле икән, бер нисә мәртәбә бейеп тә өлгөрҙөк. Ҡайтырға йыйынғайныҡ ҡына, был, курткаһын элә-элә, беҙҙең арттан сыҡҡан: – Йәмилә, һеҙҙе оҙатып ҡуйырға мөмкинме? – Мөмкин-мөмкин! – минең өсөн Дилбәр яуап­ланы, ләкин үҙе шул арала ҡапыл юҡҡа сыҡты. Сарим юҡ-бар хәбәр һөйләй, мин тыңлайым. Подъезд ишеге янына еткәс, хушлашырға теләп ҡулымды һуҙам, ә ә ул ихлас итеп: – Ашыҡма, иртә бит әле. Тора бирәйек, – тине. – Иртәгә Яңы йылды ҡайҙа, кем менән ҡаршылайһың? – Белмәйем әле. Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан, – тигән булам. Сер бирәмме инде... – Әйҙә, бергә ултырайыҡ. Мин Салауат ҡалаһынан апайыма ҡунаҡҡа кил­дем… Һин үҙең генә йәшәйһеңме? Йә­милә, бер генә сынаяҡ сәй эсереп ебәрмәҫһеңме? – тип күҙгә ҡарай. Ҡа­рашында ниндәйҙер быуыр көс бар, медицинала уны гипноз тиҙәр. Ри­залаш­ҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдымсы. Мин сәй ҡуйған арала егет хәбәрҙе тетә генә. Миңә егеттең һырылып, бәйләнеп бармауы оҡшай. Һыуыҡтан ингәнгәме, сәйҙе бик тиҙ эстек… Аҙаҡ бер нәмә лә хәтерләмәйем. Мин уянып киткәндә тышта яҡтырғайны инде. Баш ҡынайым ярылып килә… Тәүҙә бер ни аңламай яттым әле, шунан кисәге хәл иҫкә төштө. Аһ, Саримдың сығып киткәнен дә иҫләмәйем, кафела ла артыҡ эсеп ултырманыҡ. Тороп кухняға сыҡтым. Ниңәлер өҫтәлдә торған кисәге сынаяҡтарҙың береһен алып еҫкәп ҡараным. Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сыҡҡан еҫтең йоҡо дарыуыныҡы икәнен айырыу ауыр түгел ине медик кешегә. Ҡапыл йөрәк жыуу итеп ҡалды. Йүгереп сығып залдағы шкафтың аҡса, документтар һаҡлаған тартмаһын астым. Ҙур ғына сумма йыйған аҡсам бар ине. Елдәр иҫкән. Хатта ҡулымдағы гәүһәр ҡашлы алтын йөҙөк тә, муйынымдағы сылбыр ҙа юҡҡа сыҡҡан… Тимәк… Тимәк, кисә мин өҫтәлгә кәнфит, бал ташығанда Самир ярҙам­лашҡан булып, шул арала минең сәйгә төймә төшөргән… Үәт, һантый! Ике сәғәт кенә таныш булған әҙәмде өйөңә индереп, һыйлап ултырһаң, шулай була ул! Асыҡ ауыҙ! Был турала, әлбиттә, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмәнем. Полицияға ғариза яҙыу тураһында уй ҙа булманы. Хурлығы ни тора бит! Ул ғәрләнеүҙәрем, кәмһенеүҙәрем… Кешенән аҡса хәйерселәргә оялдым, киләһе эш хаҡына тиклем түҙҙем. Ояһында ҡасып ятып, яраларын ялап дауалаған меҫкен эт хәлендә инем… Шул хәлдән һуң егеттәр тура­һында уйлағым да, ишеткем дә килмәй. Әле Дилбәрҙең һорауы ла яуапһыҙ ҡалды. Ә ул һаман ныҡыша: – Гәзит-журнал, радио, телевизор тулы иғлан, һәр кем үҙенең яртыһын табырға тырыша. Әйҙә, шуларҙың береһенә шылтыратып йәки яҙып ҡарайыҡ. – Юҡ, тинем бит! Ана, реанимациянан ҡысҡыралар, тор, киттек. – Әй, Интернет аша танышыу иң рәхәте, тиҙәр. Кәрәк саҡта ғына асып, скайптан ғына һөйләшеп алаһың да…Теләмәһәң йәки ялҡытып китһә, аҙналар буйы компьютерҙы асмаҫҡа ла мөмкин... – Дилбәр һаман үҙ хәбәрен һөйләй-һөйләй урынынан тора. Уның һуңғы һүҙҙәре минең йөрәккә аҙыраҡ ҡуҙ һалды шулай ҙа. Яңғыҙаҡ тормошомда компьютер менән телевизор минең ғаилә ағзаларына әйләнгән дә инде. Иртән хәйерле иртә теләп уята, эшкә оҙатып ҡала, кис ҡайтыуыма яңылыҡтар менән таныштыра, һауа торошон һөйләй, йыр-бейеүҙәре менән кәйефемде күтәрә улар. Планшетта ҡыҫҡа ғына сәләмдәр, хаттар, яңы фотолар көтөп тора, гел генә уны ҡосаҡлап йоҡлап киткәнемде лә һиҙмәй ҡалам. Бына әле лә мин уның менән! Ысынлап та, Интернет тигән серле киң донъяла дуҫлыҡ тәҡдим итеүсе­ләр ҙә, танышырға теләүселәр ҙә бихисап икән… Ә ниңә ошоларҙың береһе менән танышып ҡарамаҫҡа? Улар Сарим һымаҡ өйөңә баҫып инмәй бит. О-о-о, кемдәр генә юҡ бында?! Ҡара, һары, оҙон, ҡыҫҡа сәслеләр ҙә, пеләштәр ҙә, мыйыҡлы, һаҡаллылар ҙа бар. Йәш кенәләр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә күп, ҡарттар ҙа ҡайһылай дәртле. Ни генә яҙмай, ни генә вәғәҙә итмәй үҙҙәре! Ундай татлы телле, күп һүҙлеләрҙе өнәп еткер­мәйем мин… Эҙләй торғас, “Мосолман егете. Данияр. 35 йәш. Силәбе ҡалаһынан. Сауҙа үҙәгендә менеджер” тигән ҡыҫҡа ғына баҫалҡы яҙыуы булған, ҡара сәсле, ҙур күҙле, мөләйем генә егеттең фотоһына туҡталдым. Үҙем менән таныштырып, ике һөйләм яҙҙым да, әллә оялып, әллә ҡурҡып, тиҙ генә компьютерҙы һүндереп тә ҡуйҙым. Йөрәк түҙмәй бит, әй, бер сәғәт тирәһенән кире ас­тым. Уй, миңә яуап та килгән! Минең сәхифәмә инеп фотоларымды ҡарап сығыуы, оҡшатыуы (улар ми­нең бер нисәү генә) тураһында яҙған. Кем булып эшләүемде һораған. Тағы ҡыҫҡа ғына яуап бирҙем. Ә ул тағы һорауҙарын теҙә, смайликтар ҡуя. Үҙенә күрә шаян ғына егет һы­маҡ, юморға бай… Күңелгә ятты бит, әй! Иртәгәһенә үк Дилбәргә серҙе сис­тем. Ул ҡыуанып китте: “Ярай, шәп иткәнһең! Әлегә таныш, хат яҙыш. Шунан осрашырһығыҙ”. Шулай итеп, ике аҙна эсендә Даниярҙың ҡайнар сәләмдәренә, яғымлы һүҙҙәренә, ебәргән көләмәс­тәренә тиҙ үк өйрәнеп киттем бит. Эштә лә саҡ ҡына бушаһам, планшетымды күкрәгемә ҡыҫам, ә унда мотлаҡ рәүештә ике-өс ҡыҫҡа ғына хат килеп өлгөргән була. Минең шат йөрөгәнгә әхирәтем дә ҡыуана. Ә бер көн Дилбәр: “Етер һиңә ҡыҫыр көйөккә көйөп йөрөргә. Интернет мөхәббәте менән балалар уйнаһын! Киттек беҙҙең менән Египетҡа. Ял итерһең, бәлки, берәй егет менән танышыр­һың. Хәҙер эсмәгән, аҡсалы ирҙәр диңгеҙҙә генә ял итә”, – тине. Улар ғаиләһе менән йыл да сит илдә ял итә, ә быйыл иренә эштән отпуск бирмәгәндәр ҙә уның янып барған путевкаһын миңә тәҡдим итә: – Йә, юҡ-бар сәбәп эҙләп маташма инде! Барабыҙ! Миңә ике бала менән юлда ла, диңгеҙҙә лә еңел түгел, ярҙам итерһең. Күңелем менән сәйәхәтсе булма­һам да, ризалаштымсы. Даниярға ла яҙып ебәрҙем. “Мин дә барам. Силәбенән билет алам, һеҙ ниндәй ҡалала, отелдә булаһығыҙ?” – тип яҙа һалды. Тимәк, осрашыу, күрешеү бәхете йыраҡ түгел! Ауылға ла атай-әсәйем янына күптән ҡайтҡан юҡ ине, алыҫ юлға сығыр алдынан фатихаларын алып килергә йыйындым. Өйгә ҡайтҡан һайын уларҙың һағышлы күҙҙәрендә лә, әйтелмәгән һүҙҙәрендә лә бер өмөт тулы һорауҙы тоям: ”Ҡасан ғына кейәүгә сығаһың инде?” Һүҙгә һаран, ҡырыҫ холоҡло атайымдың һынам­сыл ҡарашы бигерәк йәл. Олоғай­ҙылар шул. Яңғыҙ ҡартайып килгән ҡустым да, мин дә атай-әсәйебеҙгә һаман ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен бирә алмағанға эсем бошоп, был юлы мырҙама көс төшөрәм: – Ауылда ни эш юҡ. Күптән берәй ҡалаға сығып китһәң, эшең дә, ғаиләң дә булыр ине. Унда ятаҡ тулы яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ. Бисә түгел, шешә ҡәҙерле шул һиңә… – Артыңа өйрәт, йәме! Шәп булғас, ана үҙең кейәүгә сыҡ! –тимәһенме был. Шунан үҙенең тупаҫлығы өсөн ғәфү үтенгәндәй, аҡланып ҡуйҙы. – Мин дә китһәм, ҡарттарҙы кем ҡарай? Шыпа етем ҡалалар ҙа һуң... – Ярай,үҙең беләһең. Өйрәтеүҙән үткәнһең… Мин отпускымда Египетҡа йыйынам. Шуны әйтергә генә ҡайтҡайным. – Ә-ә, Мысырғамы? Унда һинән башҡа ла хәйерселәр аҙ, ти… Атай менән әсәй ҙә һүҙ оҙайтып, ул-былды һорашманы, ҡырҡты ҡыуған ҡыҙҙарына кем аҡыл өйрәтеп торһон да нимә тип тыйһын инде. Хәйерле юл ғына теләнеләр. Ҡустым шулай ҙа зәһәр генә көлөп: – Һин ипләп анда… Мысыр хәйерсеһенә әйләнеп ҡуйма, – тип кәңәш бирмәйенсә булдыра алманы. Мин көлөп ебәрҙем. Өләсәйемдең яратҡан һүҙе ул. Урамда эшһеҙ күп йөрөгән кешене шулай тип әрләй торғайны мәрхүмә. Бигерәк тә беҙҙең күршеләргә эләгә ине. “Э-эйй, Зөлхизә еңгә килен бәхете күрмәне инде ғүмер буйы. Өйө ҡалма, үҙе шамтыр, ә урам тапауҙан бушамай был килене лә! Бына иртән магазинға тип сығып китә лә донъяһын онота. Юҡ йомошон бар итеп, өйҙән-өйгә инә, сәй эсә, хәбәр йыя, ләстит һөйләй, ғәйбәт тоғо тулмайынса ҡайтып инмәй! Кит-кит, улай ҙа булыр икән, Мысыр хәйерсеһе!” Был һүҙ беҙҙең ауыл лөғәтенә ҡайҙан килеп ингәндер, тарихын берәү ҙә белмәй. Шулай ҙа ауылдаштарым телендә ул иң ауыр, иң ғәйеп һүҙҙәрҙең береһе. Өләсәй бик үк наҙан булмаһа ла, Египетты күргән-белгән кеше түгел. Ә борон бит башҡорттар араһынан Мысырҙа уҡып, йәшәп, белем эстәп ҡайтыу­сылар ҙа булған. Шуларҙың береһе ундағы хәйерселәрҙе күреп ҡайтып һөйләнеме икән? Ярай, юҡ менән баш ватмайыҡ. Ҡустым миңә шулай ти икән, әйтһен. Мәйеле. Бәхәсләшкем дә, әрләшкем дә килеп тормай әле. Мине йыраҡ серле ил, зәңгәр диңгеҙ, сибәр Данияр көтә! Ысынлап та, унан хат бар: “Һеҙ бик матур отель тапҡанһығыҙ. Мин дә бер номер бронировать иттем, билетҡа ла заказ бирҙем. Тиҙҙән күрешербеҙ!” Сумаҙан тултырыу, һумдарҙы долларға әйләндереү мәшәҡәте менән йөрөгәндә, Данияр шылтырата: “Йәмилә, минең иҫәпкә һаман аҡса күсмәгән, эш хаҡын улай һуңлатмай торғайнылар… Оят булһа ла, бурысҡа биреп тора алмаҫһыңмы? Мин билетһыҙ, визаһыҙ ҡалам юҡһа. Иртәгә Египетта ҡайтарам”. – Әлбиттә, Данияр. Күпме кәрәк һуң? – 500. – Доллар? – һорауымдан үҙем оялып киттем. – Әлбиттә, доллар. – Ярай-ярай! Карта номерыңды ебәр. Банкомат йыраҡ түгел алай ҙа. Был операция биш минуттай ғына ваҡытымды алды. Күп тә үтмәне, телефонға рәхмәт һүҙҙәре менән үбеү смайликтары килде. Мин, бәхетемдән иҫереп, йоҡларға яттым. Иртәгәһенә төш ауыуға беҙ Дилбәр һәм уның ике балаһы менән аэропортта ултыра инек инде. Мин һаман да әхирәтемә Даниярҙың да Шарм-эль-Шейхҡа барасағы, беҙҙең отелгә урынлашасағы тураһында әйтә алмайым. Шатлығыма күҙ тейер һымаҡ. Ярай, сюрприз булһын әйҙә! Шул саҡ телефонға хәбәр килде: минең иҫәпкә кемдер бер мең доллар аҡса күсергән. Данияр инде. Ә ниңә биш йөҙ түгел, мең? Туҡта, ул минең карта номерын белмәй ҙә һуң. Аптырауҙан баш ҡаңғырғанда, телефон шылтыраны, ниндәйҙер ят ҡатын-ҡыҙ тауышы минең иҫәпкә яңылыш аҡса күсереүе, улының да номеры минекенә оҡшаш булыуы, бер һанды ғына яңылыш яҙыуы арҡаһында хата ебәреүен илаулап һөйләй башланы: “Зинһар өсөн, аҡсамды ошо номерға кире ебәрегеҙ инде”, – тип ялбара. Мин ҡойолоп төштөм, самолетҡа ваҡыт еткән, ни зшләргә? Эш полицияға барып етһә, “Хуш, бәхил бул, Мысыр!” буласаҡ. Банкомат эҙләп йүгерәм, Дилбәрҙең “Һин ҡайҙа? Нимә булды?” тигән һүҙҙәренә “Хәҙер!” тип кенә яуап бирәм. Уфф, ярай, кеше аҡсаһын кире ебәреп тә, посадкаға ла өлгөрҙөм. Самолет ерҙән айырылғас та, яңғырап киткән доға уҡыған тауыш мине бөтөнләй тынысландырҙы. Аллаға шөкөр, мосолман иленә китеп барам... Беҙҙе Мысырҙың бөркөү һауа­һы, ҡайнар ҡояшы, мөһабәт пальмалары, күҙ яуын алырлыҡ сәс­кәләре һәм мөләйем гидтары ҡаршы алды. Отель дә, уңайлы бүлмәләр ҙә, пляждың эргәлә генә булыуы ла оҡшаны. Туристарға ярай белә ғәрәптәр, бөтә уңай­лыҡтар тыуҙырылған. Ресторан­дарҙа швед өҫтәлдәре, йәнең ни теләй – барыһы ла бар: бик күп илдәрҙең милли аштарынан күҙ ҡамаша, еләк-емеш исемдәрен белеп тә бөтөрлөк түгел, йылғыр офи­цианттар әллә нисә төрлө эсем­лектең ҡатыһын да, йомшағы­раҡтарын да тәҡдим итә. Үҙемде ожмахта тип хис итә лә башланым инде. Данияр ҙа бөгөн килеп урынлашырға тейеш. Ниңә хәбәре юҡ һаман? Әҙерәк сабыр итергәме, әллә үҙем башлап шылтыратайыммы? Дилбәр диңгеҙ буйына ашыҡтыра. Ана ниндәй икән ул Ҡыҙыл диңгеҙ! Иге лә, сиге лә юҡ. Ап-аҡ ялбыр тулҡындары шундай наҙ менән беҙҙе үҙ ҡосағына алды. Эҫе ҡомо аяҡтарҙы бешерә, зәң­гәрлеге күҙҙе сағылдыра. Эргәбеҙ тулы шат, бәхетле кешеләр. Мин түҙмәйенсә тағы телефонды алам, ул һаман өнһөҙ. Роуминг. Кисәге хаттарын яңынан уҡыйым. Туҡта-туҡта, һуңғы “смс” банктан түгел, минең иҫәпкә аҡса күсеүе тура­һында ҡәҙимге бер абонент хәбәр иткән. Ят номер. Тиҙ генә картам­дағы аҡсаны тикшерәм. Ысынлап та, унда бер ниндәй ҙә сумма килмәгән, ә бына мең доллар сығып киткән. Үҙемдең ярҙамым менән. Бына мин – алйот! Кеше булыр-булыр ҙа, минең кеүек иҫәр булмаҫ! Иғтибарлап ҡарап, тикшереп тә тормайынса, тот та аҡса күсер, имеш! Ундай мутлашыусылар тураһында ишеткәнем бар ҙа ул, әммә уларҙың ҡорбанына әйләнермен тип ғүмерҙә уйламаным. Зилә Псәнчина. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан сираттағы акция. Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге умартасылар йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә сал сәсле яугирҙарға ихтирам күрһәтә. Белгестәр меңгә яҡын банка татлы күстәнәс әҙерләгән. Һәр ҡайһыһында 250 граммлыҡ тәмле, шифалы, иммунитетты күтәреүсе продукция. Район-ҡалаларҙа йәшәүсе ветерандарға тәғәйенләнгән күстәнәсте урындағы ветерандар ойошмалары аша тапшырыу ҡаралған. Этикеткала Рәсәй Геройы, легендар генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм Өфөнөң Еңеү паркындағы һәйкәл, Мәңгелек ут сағылдырылған. Гульдар Кинзябаева Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Нәҡ ошолай нарыҡланды ла инде беҙҙең «Бәйләнештә» төркөмөндә барған фотоконкурсыбыҙ. Бик аҙ ғына ваҡытта тиҫтәнән ашыу эш алып ҡыуандыҡ, улай ғына ла түгел, төбәгебеҙҙә дәртле, ихлас, сәмсел халыҡ йәшәүен белеп һөйөндөк. Нәҡ ошолай нарыҡланды ла инде беҙҙең «Бәйләнештә» төркөмөндә барған фотоконкурсыбыҙ. Бик аҙ ғына ваҡытта тиҫтәнән ашыу эш алып ҡыуандыҡ, улай ғына ла түгел, төбәгебеҙҙә дәртле, ихлас, сәмсел халыҡ йәшәүен белеп һөйөндөк. Конкурстың маҡсаты халыҡта байрам кәйефе уятыу, талантлыларҙы асыҡлау ине. Беҙ һеҙҙең ярҙам менән ниәтебеҙгә өлгәшкәнбеҙҙер, тибеҙ. Конкурсҡа килгән фотоһүрәттәргә ҡарап шуны белдек: ҡар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, бик күп ауылдарҙа береһенән-береһе уҙҙырып ҡар һәм боҙ һындар әүәләйҙәр икән. Унда ололар ҙа, балалар ҙа берҙәй әүҙем ҡатнаша. Барыһын бергә берләштереүсе байрамдың мөғжизәһе, бәлки, нәҡ шул татыулыҡта, күтәренке кәйефтәлер ҙә. Һындарҙың сағыулығы күңелде күтәрә, йәнһүрәт персонаждары әкиәт иленә алып бара, ә оҫта ҡуллыларҙың фантазиялары бөтөнләйе менән хайран итә! Мәҫәлән, Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылынан Фирғәт Истәков ебәр-гән фотоларға күҙ һалайыҡ әле. Ниндәй генә һындар юҡ бында?! Ә төҫтәре һуң: күкһел, һары, ҡыҙғылт-һары, һоро... Әйтерһең дә, йәйғор уйнай. Ауыл мәктәбе алдына ҡуйған был һындарҙы уҡытыусы Фирғәт Һиҙиәт улы уҡыусылары менән бергәләп эш-ләгән. Сәйғәфәрҙән алыҫ урынлашмаған Ярат ауылы халҡы ла бик дәртле. «Беҙҙең Fирфан шәп бит ул»,—тип хуплап ҡына торалар Кинйә урамында йәшәүсе Fирфан Мырҙаҡаевты. Ул үҙенең улы Fәҙел менән ауыл урамын ҡыҫҡа ғына арауыҡта ҡар һындар менән биҙәп сыҡҡан һәм уларҙы төрлө төҫкә мансыған. Ошо уҡ районда урынлашҡан Ишей ауылы халҡы ла бик сәмсел булып сыҡты. Конкурс башланыу менән мәктәп алдына һәм Почта урамына ҡуйылған һындарын фотоға төшөрөп, беҙгә ебәреп тә ҡуйҙылар. Һәр конкурста әүҙемлек күрһәткән Венера Ҡасҡыноваға ҙур рәхмәт тибеҙ. Ишей-ҙәр эшләгән һындар башлыса ҡарағусҡыл күк, сағыу ҡыҙыл төҫкә буялған. Сикәләрҙе ҡыҙартып, семетеп өшөткән һалҡын боҙ ҡаласыҡҡа барып сыҡҡандай хис итәһең үҙеңде. Тик бында «йәшәүсе»ләр уҫал түгел. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бик ихлас баҫып торһа, Ҡар бабай, йыл хужаһы дуңғыҙ йылмайып баға. Буранбай ауылынан Гүзәл Хали-ҡованың Ҡыш бабайына ҡарап ысынлап та бер ҡартты сырамытырға була. Бик килештереп эш-ләгән. Ҡыш бабай үҙенең Ҡарһылыуы менән шыршы янына баҫ-ҡан, ә уларҙың яндарында сусҡа бәрәстәре «йүгерешеп» йөрөй. Афарин, Гүзәл! Ә бына Йәрмөхәмәт ауылынан Айгөл Ишҡыуатованың ҡул эшенән йылылыҡ бөркөлә. Ул өйөн дә, ишек алдын да матур итеп биҙәп ҡуйған. Өмөтбай ауылынан Әнүзә Мәжитова ла бик матур эштәр ебәргән. Терпе, ҡабан, сәғәт, ҡосаҡлашҡан ике ҡар бабайға ҡараған һайын ҡарағы килә. Йылайыр районынан да фотоһүрәттәр алдыҡ. «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының ишек алды әкиәт илен хәтерләтә. Яңы ғына мейестән сыҡҡан йомро икмәк тә, йыл хужаһы булыр дуңғыҙ ҙа бар бында. Балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр был һындарҙы бик яратып ҡабул иткән. Ошо уҡ райондың Ш.Бабич исемендәге гимназияһы коллективы ла байрамды бик ашҡынып көтә. Белем усағының ишек алды төрлө төҫтәге һындар менән биҙәлгән. Хәйбулла районында илһөйәр, рухлы халыҡ йәшәй икән. Быны беҙ Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылынан Гөлназ Сурина ебәргән фотоға ҡарап белдек. Һүрәттән күренеүенсә, улар ғаиләһе менән «Мин яратам һине, Вәзәм» тигән һын булдырған. Ҡыҙылға буялған йөрәк янында ҡурай таждарын күрергә мөмкин. Бик үҙенсәлекле эш. Афарин! Сибайҙар ҙа конкурстан ситтә ҡалманы. Ҡаланың иң әүҙем балалар баҡсаһы булған «Сулпылар» коллективы данын тәрбиәсе Гүзәлиә Туйсина, Зөлфиә Ҡәйепҡолова яҡларға булды. Улар ата-әсәләр менән берлектә кескәйҙәр һәм уртансылар төркөмөн бик матур итеп биҙәгән. Ошо уҡ балалар баҡсаһына үҙ улдарын йөрөткән Шә-риповтар ҙа конкурста үҙ көсөн һынап ҡарап яңылышмаған. Улар үҙҙәре йәшәгән йорт тәҙ-рәләрен бик матур итеп биҙәгән, әсә кеше улына йыл символы ҡабанды ла эшләп тоттор ған. Була бит шундай уңған кешеләр! Күҙ теймәһен генә! Ҡаланың «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһының «Алтын балыҡ» төркөмө лә бик теләп конкурсҡа ҡушылды. Ауылдаштарына, ҡалалаштарына, күршеләренә һәм, әлбиттә, «Атайсал» гәзитенең «Бәйләнештә» төркөмөн күҙәтеп барыусыларға байрам кәйефе бүләк итеүсе оҫта ҡулдарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Көтөп алған байрамығыҙ барығыҙға ла тик һөйөнөстәр алып килһен! Ә еңеүселәргә килгәндә иһә, бына улар—Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбе коллективы эшен күрһәтеүсе Фирғәт Истәков һәм ишейҙарҙе данлаусы Венера Ҡасҡынова. Ә бағыусыбыҙ «Аҙаш» полиграфия хеҙмәте үҙ бүләген Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәүсе Гүзәл Халиҡоваға бирергә ҡарар итте. Юл төшкәндә йә иһә Сибайҙа йәшәүсе туғандарығыҙ аша бүләктәрегеҙҙе алыуығыҙ һорала.
Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Дәүләт Думаһы алдында Хөкүмәттең 2019 йылдағы эше тураһындағы отчеты менән сығыш яһағанда: “Туристик тармаҡ бөгөн ауыр хәлдә ҡалды. Уға ярҙам итеү генә түгел, шулай уҡ артабан ҡеүәтле үҫеш өсөн шарттар ҙа тыуҙырырға кәрәк”, – тип белдерҙе. Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Дәүләт Думаһы алдында Хөкүмәттең 2019 йылдағы эше тураһындағы отчеты менән сығыш яһағанда: “Туристик тармаҡ бөгөн ауыр хәлдә ҡалды. Уға ярҙам итеү генә түгел, шулай уҡ артабан ҡеүәтле үҫеш өсөн шарттар ҙа тыуҙырырға кәрәк”, – тип белдерҙе. Хөкүмәт Рәйесе туроператорҙарға 3,5 миллиард һум субсидия бирелеүе хаҡында ла белдерҙе. – Үткән аҙнала иһә Хөкүмәт эске туризмды үҫтереү өсөн тағы ла өҫтәмә 15 миллиард һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был аҡса Рәсәй төбәктәрендә ял итергә ҡарар иткән кешеләрҙең сығымдарын өлөшләтә ҡайтарыуға китәсәк. Туристарға ҡайтара торған сараларҙың күләме 5 мең һумдан 15 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк, – тине Премьер-министр. Акция шарттарына ярашлы, турға төрлө төр транспорттағы хәрәкәт һәм мотлаҡ квалификация үткән ҡунаҡханала йәшәү инергә тейеш. Шулай уҡ сәйәхәт ваҡыты биш көндән дә кәм булмаҫҡа, дөйөм хаҡы 25 мең һумдан башлап 75 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. 25 мең һумдан 50 мең һумға тиклем торған тур өсөн картағыҙға биш мең һум ҡайтарыласаҡ. 50 мең һумдан 75 мең һумға саҡлы төшкән сәйәхәттәр өсөн 10 мең һумды ҡайтарыу ҡаралған. Ә инде 75 мең һумдан артҡан осраҡта 15 мең һум компенсациялана. Был акцияға эләккән төбәктәр ике төркөмдән тора. Беренсеһенә 44 төбәк инә, унда йәүшәүселәргә 15 августан 20 декабргә тиклем сәйәхәт ҡылып ҡалырға кәрәк. Икенсе төркөмгә 11 төбәк инә, улар өсөн 1 октябрҙән 20 декабргә тиклем субсидиялы ял итеү ҡаралған. Әйткәндәй, Башҡортостан беренсе төркөмдәге исемлеккә ингән. Фото: likes.ru Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Коронавирусҡа бәйле хәл әле һаман ҡатмарлы. Һуңғы осорҙа республиканың медицина учреждениеларына телефон мөрәжәғәттәре бермә-бер артты. Ошоларҙы иҫәптә тотоп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шылтыратыуҙар ҡабул итеү селтәрен киңәйтергә ҡушты. Коронавирусҡа бәйле хәл әле һаман ҡатмарлы. Һуңғы осорҙа республиканың медицина учреждениеларына телефон мөрәжәғәттәре бермә-бер артты. Ошоларҙы иҫәптә тотоп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шылтыратыуҙар ҡабул итеү селтәрен киңәйтергә ҡушты. Был йөкләмәне үтәү өсөн бөгөн Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге булдырылды һәм эшләй башланы. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Үҙәктең етәксеһе – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева. Был үҙәк “Торатау” конгресс-холы бинаһында урынлашты. Үҙәк медицина ойошмаларына ярҙам итеү өсөн халыҡҡа оператив консультациялар биреү маҡсатында төҙөлдө. – Был үҙәк кешеләр мөрәжәғәттәре кимәлен әҙерәк кәметер тип ышанабыҙ. Кешеләрҙә аныҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. Үҙәк эшмәкәрлеге нескәлектәре тураһында Римма Үтәшева ла һөйләп китте. – Шылтыратыуҙар ҡабул итеүселәрҙән башҡа, структурала медицина эксперттары ла бар. Был Башҡорт дәүләт медицина университеты хеҙмәткәрҙәре, профессорҙар, доценттар, ассистенттар, федераль медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, “Роспотребнадзор”,"Росздравнадзор", Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре. Улар оператив рәүештә шылтыратыу ҡабул итә һәм профессиональ кимәлдә яуап бирә, мөрәжәғәт итеүсегә кәрәкле ярҙам күрһәтә аласаҡ, – тине Римма Үтәшева. Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге телефоны— (347) 218-19-19. Ул иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә ялһыҙ эшләй. Хәл үҙәгенең хеҙмәткәрҙәре һәм эксперттары түбәндәге мәсьәләләр буйынса консультация һәм ярҙам тәҡдим итә. – Стационар ярҙам (дауаханалар); – амбулатор ярҙам, поликлиникалар; – ашығыс медицина ярҙамы; – дарыуҙар менән тәьмин итеү; – ковидҡа тест һөҙөмтәләре; – компьютер томографияһы амбулатор үҙәктәре һәм башҡа коронавирусҡа бәйле һорауҙар. Оператор мөрәжәғәт темаһы буйынса консультация бирә, аныҡлаусы һорауҙар бирәсәк һәм кәрәк булһа, медицина ойошмаһы белгесенә күсерәсәк. Һәр мөрәжәғәт итеүсенең контакттары һәм мөрәжәғәте һаҡлана, ул артабан мәсьәләне контролдә тотоу һәм хәл итеү өсөн кәрәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
​Һаулыҡ һаҡлау белгестәре балаларға яман шеш ауырыуҙарының килеп сығыуы, уларҙы профилактикалау юлдары тураһында һөйләне ​“Онкопатруль” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, волонтерлыҡ менән шөғөлләнеүсе медицина хеҙмәткәрҙәре Иҫке Күл дөйөм белем биреү мәктәбенең 7 – 9 класс уҡыусылары менән тәрән йөкмәткеле әңгәмә үткәрҙе. ​Һаулыҡ һаҡлау белгестәре балаларға яман шеш ауырыуҙарының килеп сығыуы, уларҙы профилактикалау юлдары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
2021 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу башланды, тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Ваҡытынан алда ойошторолған кампания 31 августҡа тиклем дауам итә. Был осорҙа хаҡтар күтәрелмәй. Гәзит-журналдарға Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә һәм интернетта яҙылырға була. Шулай уҡ, хәйриә акцияһына ҡушылып, балалар йортона һәм ололарға гәзит бүләк итергә мөмкин. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Күптән түгел ҡалабыҙҙа асылған күҙ дауаханаһы тураһында уҡып шатландыҡ. Хәҙер күҙҙе тикшертергә, дауаларға әллә ҡайҙа сит ҡалаларға йөрөмәҫкә, ә Күмертауҙың үҙенә генә барып булыуы ҙур ҡыуаныс булды һәм беҙгә лә уны барып күрергә тура килде. Үткән аҙнала, районыбыҙҙан һәм ҡаланан 20 кеше йыйылып шунда операция яһатырға барҙыҡ. Беҙгә операцияны табип Илнур Хөснитдинов Өфөнән килеп яһаны. Шул хәтлем ипле, итәғәтле, алтын ҡуллы табип булыуына һоҡландыҡ. Һәр мөрәжәғәт иткән кеше менән ипле итеп һөйләшә, һәр нимәне ентекле аңлата ул. Бер нисә көндән ошо 20 кеше күҙҙе тағы тикшертергә барҙыҡ. Барыбыҙҙың да операцияһы уңышлы үткән, шуға ҡыуанабыҙ. Күҙҙәр күргәс рәхәт икән, бар донъялар яҡтырып киткәндәй булды. Беҙ, бер көндө операция яһатҡан 20 кеше, Илнур Илшат улына “Юшатыр” гәзите аша ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдергебеҙ килә. Илнур Хөснитдиновты итәғәтле итеп үҫтергән ата-әсәһенә лә рәхмәтлебеҙ. Уға иҫәнлек теләйбеҙ. Һәр саҡ халыҡты шатландырып, уларҙы дауалап йәшәһен, алтын ҡуллы табип Илнур Илшат улы. 29 августа операция яһатҡан 20 кеше исеменән Шәкүр КӘРИМОВ Яңы Муса ауылы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Сибай үҙенең 65 йыллығын ҡаршы алырға йыйына. Ошо уңайҙан #wellcometoSibay конкурсы иғлан ителә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Сибай ҡалаһында йәшәү мотлаҡ түгел. Бары тик сибайҙарҙы байрам менән ҡотларға теләгегеҙ генә булһын.Шарттарға ярашлы, Ҡала көнөнә бағышлап ҡыҫҡа ғына видеоҡотлау әҙерләргә һәм уны ҡайһы булһа ла социаль селтәргә түбәндәге хештегтар менән беркетергә кәрәк: #wellcometoSibay #forumzauralye202019-20 августа Сибай ҡалаһы Ҡала көнөн генә байрам итмәй, ул был көндәрҙә эре эшлекле үҙәккә әйләнәсәк. Сөнки бында халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге эксперттар киләсәк һәм икенсе тапҡыр уҙғарылған "Урал аръяғы-2020" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашасаҡ.Рәсәй кимәлендәге шундай оло сараның халҡы 63 меңдән әҙ генә күберәк булған Сибайҙа үткәрелеүе мәртәбәле. Күп милләтле Сибай ҡунаҡсыл, ихлас халҡы менән дан тота. Был көндө Инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙы һеҙҙең һәр берегеҙ видеояҙма менән сәләмләй ала.Бер темаға ғына видеояҙма әҙерләргә мөмкин, ике теманы ҡушырға ла була. Әммә хештегтарҙы онотмағыҙ: #wellcometoSibay #forumzauralye2020Иң яҡшы ҡотлауҙар, мөрәжәғәттәр 19 август көнө Инвестиция һабантуйының төп сәхнәһенә сығарыла. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Республикабыҙҙа бер нисә йыл инде “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Районыбыҙ биләмәләре был проектҡа әүҙем ҡушылып, байтаҡ ҡына файҙалы эш башҡарҙы, кәрәкле техникалар һатып алды. Сәйетбаба ауыл биләмәһе лә ошо программала ҡатнашып, халыҡ мәнфәғәтенә эшләү өсөн үҙ тырышлығын һала. 23 ноябрҙә Ҡаранйылға ауыл клубында ауыл халҡы, ауыл Советы депутаттары, ойошмалар етәкселәре, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды. Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин ҡыҫҡаса программа менән таныштырып үтте. Программаға ҡағылышлы мәсьәләләр, һорауҙар, ауыл халҡы менән эш алып барыу тураһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова аңлатты. - Һеҙ былтыр “МТЗ-82” тракторы алдығыҙ, ошо уңайлы мөмкинлекте тағы ла файҙаланып, быйыл тракторға тағылмалы арба һәм роторлы ҡар көрәгес алыу өсөн тырышырға кәрәк. Был ҡорамалдар бик кәрәк, сөнки улар менән ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү, юлдар һалыу, ҡыш көндәрендә ҡар таҙартыу кеүек эштәр башҡарып буласаҡ. Тик прог-рамма тормошҡа ашһын өсөн бөтәбеҙҙең дә унда әүҙем ҡатнашыуы талап ителә, - тип үҙ фекерен әйтте Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. Ауыл китапханаһы мөдире Г. М. Вәлиева, Ҡаранйылға башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Р. М.Кинйәбаева сығыш яһап, хөкүмәт ярҙам ҡулы һуҙа икән, үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ – ауылдаштар, уға ыңғай яуап бирергә тейешбеҙ, тип тракторға арба һәм роторлы ҡар көрәгес алырға тигән тәҡдимде хупланы. Сәйетбаба урта мәктәбе директоры Р.Ә.Ғәзизова, Ҡаранйылға ауылынан 6-сы округ депутаты Ш.К.Вахитов һәм башҡалар был ҡоролмаларҙың ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа, йәйгеһен ҡом-ҡырсынташ түшәп, тәртиптә тотоуҙа ҙур таяныс булыуын белгерттеләр. Йыйылған халыҡ та үҙ фекерен белдереп, тәҡдимде берҙәм яҡлап сыҡты. Шулай итеп, быйылғы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, трактор өсөн 1 миллион 025 мең һумлыҡ арба һәм роторлы ҡар көрәгес һатып алырға, республика бюджетынан бүленгән 700 мең һум субсидияға ҡалған 185 мең һумды - урындағы бюджеттан, 70 мең һумын бағыусыларҙан һәм 70 мең һумын халыҡтан йыйырға ҡарар ителде. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының эшен йәнләндереү һәм алып барыу өсөн 11 кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө. Рәүилә ЛОҠМАНОВА. Сәйетбаба ауылы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостан предприятиелары рапс һәм соя етештергән өсөн федераль субсидия алырға мөмкин. Республика ошо культураларҙы үҫтергән 39 төбәк иҫәбенә инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Финанслауҙың дөйөм күләме – «Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә сығарыу» федераль проекты сиктәрендә 3,3 миллиард һум. Әлегә ошо мәсьәлә буйынса дөйөм мәғлүмәт кенә бар: дәүләт ярҙамы тышҡы баҙарҙа һорау менән файҙаланған майлы культураларҙы эшкәртеү продукцияһын етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән, тиелә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, ағымдағы миҙгелдә рапс сәсеүлектәре – 32,7 мең гектар, соя 2,6 мең гектар тәшкил иткән. Рапс етештереү күп сығым талап итә – махсус агрегаттар, технологияларҙы үтәргә, һәйбәт үҫһен өсөн ашлама кәрәк, баҫыуҙарҙы сүп үләндәренән һәм ҡоротҡостарҙан эшкәртеү мотлаҡ. Ә уңышҡа һәм майға хаҡтар күп осраҡта баҙарҙағы конъюнктураға бәйле. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан https://www.bashinform.ru/bash/1474271/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
ТЫУМАКөтөлмәгән хәбәр Фәриҙәнең аңына барып етмәне. Ҙур асылған аптыраулы ҡараштарын ул Рәйлә Рәвилевнаға төбәп тора бирҙе. Насар хәбәр еткереүҙе үҙ өҫтөнә алыусы, ахырҙа, әйткәндәрен шымыраҡ итеп тағы ла бер ҡабатларға мәжбүр булды. «Нимә тиһегеҙ?! Нимә һөйләйһегеҙ шул һеҙ?!» -тип класс яңғыратып ҡысҡырғыһы, уҡытыусының ҡулдарынан тотоп елтерәтеп яуап талап иткеһе килде Фәриҙәнең, әммә ниндәйҙер хәрәкәт эшләү түгел, суйын ише ауырайып аңҡауына йәбешкән телен дә ҡыбырлата алманы. Шул килеш класс бүлмәһенең ярты стенаһын биләп торған ҙур ҡара таҡта алыҫайып барып бер нөктәгә әйләнде лә, яҡты тәҙрәләр ямғыр йыуған һүрәт шикелле иреп, салшайып төштө…… Иҫенә килгәндә Фәриҙәне ни ғиллә менәндер уҡытыусылар бүлмәһендәге диванға индереп һалғандар, Рәйлә Рәвилевна менән аҡ халатлы йәш ҡыҙ уның янында текәлешеп ултыралар ине. Тамам аңы асылған ауырыу тора һалырға ынтылды һәм «ята бир» тигәнде аңлатып йомшаҡ ҡына яурынына баҫҡан шәфҡәт туташының ҡулын ҡырҡыу ғына ситкә этте лә, урынынан аяҡтарын төшөрөп, сәсен ипләне. Аҡ халатлы быға бер ҙә үпкәләмәне, киреһенсә, нимәләлер үҙен ғәйепле тойғандай, ипле итеп:— Һеҙгә укол ҡаҙаным, бына ошо ике таблетканы саҡ ҡына торараҡ эсерһегеҙ… Йөрөмәҫкә, ятып торорға кәңәш итәм. Өйҙә хәлегеҙ насарайғандай булһа, зинһар, табип саҡырығыҙ, - тине һәм инде уҡытыусыға боролоп, - Мин китәйем инде, Рәйлә Рәвилевна, - тип йыйына башланы.— Эйе, эйе, рәхмәт һеҙгә, Ләлә һылыу, китегеҙ.Соңҡаһына йоморолатып өйөп ҡуйған сәстәренә юлаҡ-юлаҡ сал йүгергән, ирен, күҙ ситтәрен ваҡ һырҙар селтәре япҡан ҡалыныраҡ кәүҙәле олораҡ ҡатын, йәшерәгенең йәнәшәһенә терәлде лә, йылы устарына тегенең туңып барған ҡулын алып, аңлаған аҡыллы ҡараштары менән йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан күҙҙәргә төбәлде. Иң дауалы, иң шифалы ғына һүҙҙәр кәрәк ине был мәлдә һәм тәжрибәле уҡытыусы, күңеле төпкөлөнән һүҙ-мәрйендәрен һайлап алып ҡына епкә теҙҙе:— Фәриҙә туғаным,.. был донъя ахыры түгел… Сабыр булырға, барыһын да тик ныҡлы уйлап, үлсәп кенә хәл итергә кәрәк. Һин тормош күргән, бешеккән ҡатын нисек ҡабул итәһең, ә ул бала ни хәлдә, аңлайһыңмы?Ниһайәт, әллә күпме ваҡыттан һуң, Фәриҙә лә телгә килде, тауышы ҡарлығып, тамаҡ төбөнән сыҡты:— Йүнһеҙ ҡыҙ, аҫып ҡына ҡуяһы…— Улай тимә, Фәриҙә, аҫыу-киҫеүгә күп аҡыл кәрәкмәй. Һин бит әсәй кеше, ул - үҙ балаң, ошондай хәлдә ситкә типһәң, башын элмәккә тығыуға былай ҙа аптырамаҫ…— Нишләргә һуң, Рәйлә апай, кеше күҙенә нисек күренермен, атаһына ни тип әйтермен инде хәҙер, хет үҙең аҫылын, - тип ыңғырашты, һыҡраны Фәриҙә.— Сабыр ит, сабыр ит… Фәниә бит насар ҡыҙ түгел, насар ғаиләлә үҫмәгән, яңылышҡан, тимәк, дүрт аяҡлы ат та һөрөнә, ти, халыҡ, ун алты йәшлек балаға ни әйтерһең… Егетен күреп һөйләшеп ҡарарға кәрәк, төҫө сибәр, холҡо матур ҡыҙыңдың, ундай кәләштән кем баш тартһын. Әйҙә, иң беренсе, һин тыныс ҡына итеп Фәниә менән эште асыҡлап ал, унан егетенә барырһың, бындай хәлдә өйләнешкәндәр аҙмы ни…— Оят бит әле оят, Рәйлә апай… Ул аҙғыны кем икән һуң? Егете барлығын һиҙҙермәй ҙә бит әле йүнһеҙ ҡыҙ. Артыҡ сығып йөрөгәнен дә аңғарманым, кистәрен шул имтихандарға әҙерләнәбеҙ тип китә инде.— Тимәк, туғаным, бында һинең дә ғәйебең юҡ түгел. Ир-егеттең күҙе төшөрлөк еткән ҡыҙың була тороп, ни йөрәк менән өйөңдә тыныс ҡына йоҡлап ятаһың?— Нишләйем һуң, эйәреп йөрөйөммө?— Эйәреп үк йөрөмәһәң дә, балаңдың уй-хыялдарын, кисерештәрен тойорлоҡ яҡын була белергә кәрәк. Шул ваҡытта ул да һиңә кемгәлер ғашиҡ икәнлеген әйтер, һөйләр, кәңәшләшер ине.— Эш тә өй, эш тә өй бит үҙемдең дә, аталары ҡырҙа булғас, донъя ла бер елкәлә, тигәндәй…— Әсәнең төп бурысы бала икәнде онотабыҙ шул беҙ шулайтып… Ярай, инде булаһы булған, хәҙер һинең бар эшең ошо ҡатмарлы хәлдә Фәниәне һаҡлап, ҡурсалап ҡалыу һәм… баланы.«Бала» һүҙенән Фәриҙә һөйләшеүҙең мәғәнәһен яңы ғына аңлағандай тертләп китте:— Бала булмаҫ инде ул, Рәйлә апай, тапмаҫ, алдырыр… Срогы ниндәй икән әле?— Минең аңлауымса, өс ай тирәһе бар.— Ы-ыһ…— Уныһын үҙегеҙ хәл итерһегеҙ, алдырһағыҙ ҙа, ҡалдырһағыҙ ҙа, һин, туғаным, әсәй икәнеңде онотма.Эңер ҡуйыра барған ҡасаба урамы буйлап һауа етмәгәндәй тәрән һулыш ала-ала яй ғына атланы Фәриҙә. Юлда осраған, һаулашып үткән кешеләр уның мәсхәрәһен беләлер, тәүбә итәлер йәки аҫтыртын көләлер кеүек тойолдо. Эсендә дөрләп тамуҡ уты янды. Тышҡа бөркөп ебәрһә, ер-һыу көйрәрҙәй. Өйөнә ҡайтып етте лә солан ишеген асып инергә ҡыйманы. Юҡ, бөгөн ул һәр көндәгесә ғәҙәти була алмай, шул уҡ ваҡытта ҡыҙының йөҙөнә ҡарарлыҡ та, төпсөшөрлөк тә көсө ҡалмаған. Үҙ-үҙен ҡулға ала алырына, ҡурҡыныс хәлдәр эшләп ташламаҫына ышанысы ла юҡ. Инмәҫкә, инмәҫкә, нисек тә был ерҙән ҡырғараҡ китергә кәрәк уға. Китергә… әлегә…Ҡатын артҡы ҡапҡа үтә сыҡты ла, ҡасаба ҡырлап аҡҡан йылға буйына төшөп китте. Тәнтерәкләй биреп, әкрен генә барған һынды ҡараңғылыҡ менән яҙғы һыу шауы йотто.Мәктәп тупһаһын да ашатламаған, ун ете йәше лә тулмаған ҡыҙы ауырға ҡалған. Ҡалайтһын, нишләһен, нимә уйлаһын әсәй кеше?! Уҡытыусыһы саҡыртып әйткәнгәсә, белмәй ҙә йөрөгән! Башта шаңҡыны, унан көйҙө, ярһыны, ҡайғыһынан һығылды, янды, тора-бара ҡурҡты, өмөттәре өҙөлдө, йәшәүҙәрҙән ваз кисте ул, әммә ниндәй генә кисерештәр эсендә көйрәгәндә лә, хәсрәттәргә баҫылып өлпөлдәп кенә типкән әсә йөрәгендә балаһына ҡарата күрәлмау, ҡарғыш хисе яралманы. Зыңҡылдап торған ҡылдай нәҙек, ыуыҙ япраҡтай үтә күренмәле йоҡа, өрһәң осоп китер ҡаҙ мамығылай еңел булған ҡатын-ҡыҙ күңеле тағы ла бер тапҡыр ер йөҙөндә үҙенә көстә, ныҡлыҡта, ҡатылыҡта һәм бөйөклөктә тиңе булмаған әсәлек ҡөҙрәтен дәлилләне. Ғаиләләрендә тәүге бала булып донъяға килгән ҡыҙына үҙенең нисек йөклө йөрөгәнен, тыуҙырғас, ниндәй татлы хыялдар диңгеҙендә йөҙөүен, сабыйының тәүге тапҡыр күкрәгенә морон төртөүен, тәпәй баҫыуын, һөйләшеүен, көлөүен кисә генә булған кеүек күҙ алдынан үткәрҙе ҡатын. Алма сикәле, йондоҙ күҙле ҡыҙсығының әле яңы күлдәктә көҙгө алдында ырғанлауын, әле мәктәп тормошонда ҡайнап йөрөүен, әле айырым бүлмә кәрәк тип өйҙөң бер мөйөшөн бүлдереп алыуын, әле битемә һытҡы сыҡҡан, тип борсолоуын иҫләне. Ҡай арала үҫеп еткән һуң балаһы, һиҙелмәй ҙә ҡалған икән. Унан ҡыҙының һуңғы ваҡыттарҙа үтә лә шымып, бер ҡайҙа ла атлыҡмай, йүгермәй, осонмай башлауын, һүнеп, бөтөп китеүен хәтерләне. Етеп килгән сығарылыш имтихандарына көйәләнәлер, тип уйлағайны бит. Бына нимәлә булған икән ғиллә. Ниндәй уйҙар, ниндәй михнәттәр кисереп кенә йөрөнө икән? Нисек күтәрҙе икән бер үҙе? Быға тиклем әллә ни мәүеш булмаған ҡыҙҙың ҡустылары менән саҡ ҡына тиргәшкәндә лә илай һалып барыуын, сәй артында бер нөктәгә текәлеп оло ҡайғыһы булғандай онтолоп китеүен, ҡай саҡтарҙа шундай хәсрәт тулы күҙҙәр менән бағып ебәреүен, алһыу йөҙөнөң һурығып, ағарып китеүен аңлай хәҙер әсә, аңлай… Бөтә ошо уйҙарынан ҡатын ғүмерҙә булмағанса тетрәнде, хатта йән кисереше тышҡа бәреп сығып, бөтөн кәүҙәһе менән биҙгәк тотҡандағылай ҡалтыранып китте һәм ошо яңы тойғоноң дауыллап тулап китеүенән уның йөрәгендә табанын имеп ойоп ятҡан инә айыу ажғырып килеп уянды. Ҡурҡыныс ине был йәнлек, уҫал ине. Ул һырт йөндәрен ҡабартып, тырнаҡтарын тырпайтып, аҙау тештәрен ыржайтып бәләгә ҡалған балаһын яҡлауға тороп баҫҡайны. Инә айыу алышҡа әҙерләнде. Ул балаһын йәмғиәттән, кешеләрҙән, күҙ-ҡараштарҙан, йәшлек хистәренән, яҙмышынан, хатта үҙ атаһынан яҡларға, һаҡларға тейеш ине.* * *Фәниә йоҡонан көскә торҙо. Көндән - көн таңдан тороп китеү ауырлаша уға. Мәктәп формаһын кейеп, сәсен үргәндә лә яртылаш йоҡлап ултыра әле. Үҙен көсләп ҡулъйыуғыс эргәһенә алып барҙы ла, күҙен йомған килеш йыуынырға кереште. Күҙен асһа – уҡшыясаҡ, йыуынған ерҙә һәр нәмә күңелен болғандырғандай. Бөгөн был ысул ғына ҡотҡарманы уны, теш щеткаһын ауыҙында йөрөткәндән йөрәге уйнап, өҙлөгөп-өҙлөгөп ашҡаҙанындағы әсе һары шыйыҡсаны уҡшып сығарҙы ла, хәле бөтөп, һалҡын һыу менән битен сайҡаны.Был ваҡытта Фәриҙә, барыһын да ишетеп-күреп, мейескә тотонған килеш күҙҙәрен сытырлатып йомоп, баҫып тора ине. Әйтерһең дә, үҙе шул хәлдә, үҙе уҡшый, үҙе хәлһеҙ. Хәҙер инде белгәс, ҡыҙының һәр ым-хәрәкәтен аңлай, тоя. Һуҡыр булғандыр ул быға саҡлы.Малайҙар ашыҡ-бошоҡ ашап, даһыр-доһор йыйындылар ҙа, этешә-төртөшә мәктәпкә йүгерҙеләр, бары ҡыҙ ғына өҫтәл артына ултырырға ашыҡманы. Ҡараһа, сығырға ла кейенеп йөрөй икән. Гел иртәнсәк ашамай киттеме икән? Фәриҙә ҡыҙы янына ишек төбөнә килде:— Сәй эсмәйһеңме ни?— Эскем килмәй. – Итеген кейергә эйелгән Фәниәнең тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты.Фәриҙә тыныс булырға тырышты:— Бәлки, берәй нәмә ашағың киләлер?— Юҡ… - ҡыҙ шулай ҙа аптырай биреп әсәһенә башын күтәреп ҡарап алды.— Ашарға кәрәк, ҡыҙым, һинең хәлеңдә ашамай йөрөргә ярамай.Һыңар аяғында тороп, икенсеһенә итек кейеп маташҡан ҡыҙ «лып» итеп иҙәнгә ултыра төштө, ҡалтыранған ҡулдарында аяҡ кейемен тотҡан килеш, шар асылған күҙҙәрен өҫкә төбәне. Ҡурҡыу, асырғаныу, сараһыҙлыҡ бергә солғанып, тәрән ғазап булып уҡмашҡайны был ҡарашта. Унан инде, күҙ алмаларындағы бөтөн был сағылыштарҙы ҡайнар йәш даръяһы йыуып алып китте.— Әсә-әй! Әсәй, ғәфү ит мине!Фәриҙә лә тубыҡ быуындары һынып, сүгәләп төштө лә, үҙенә итектәре, сумкаһы аша иңгәкләп ынтылған ҡыҙын ҡосаҡлап алды:— Илама, ҡыҙым, илама… Бының менән генә донъя бөтмәгән әле, бөтмәгән… Илама, балам, берәй йүне булыр… булыр…* * *Фәниәнең һулҡылдау ҡатыш өҙөк-йортоҡ һөйләгәндәренән, егеттең совхозда практика үткән ҡала егете икәнлеген аңлағайны Фәриҙә. Эштән һуң, тағы ла эңергә ҡала биреп, ҡасабаға ситтән килеп урынлашыусылар өсөн ятаҡ итеп тотолған йортҡа юлланды. Ике ҡатлы йорттоң яҡтылыҡ һирпкән тәҙрәләренә ҡарай биреп торғас, подъезд алдында эскәмйәлә шаулашҡан бер төркөм йәштәр янына килде. Кемдәрҙер уны танып, баҙлатып торған тәмәкеһен йәшерҙе, кемдәрҙер һикереп торҙо, тик ҡатындың ҡайғыһы уларҙа түгел ине.— Һаумыһығыҙ.— Һаумыһығыҙ! – Йәштәр хор менән тигәндәй, күңелле яуапланы.«Быларға рәхәт, моңдары юҡ», - тип уйлап алды ҡатын.— Мин ошо йорттан Артур исемле егетте эҙләй инем, совхозда практика үтә булырға тейеш.Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Унан, ултырыусылар араһынан ашыҡмай ғына бер егет тороп баҫты:— Мин – Артур. Һеҙ миңәме?— Шулайҙыр. – Фәриҙә тауышындағы ҡалтырауҙы баҫыуға тәрән итеп бер һулыш алды ла, - Әйҙә әле, егет кеше, бүлмәңә инеп һөйләшәйек, - тине.Бар байлығы бер карауат та, бер өҫтәлдән торған бүлмәгә инеп баҫтылар. Тәҙрәләрҙә уңып бөткән ҡорғандар һәлпелдәй, иҙәнде күптән йыуған кеше юҡ, күрәһең. Шулай ҙа йылы.Егет бер бөртөк артлы ултырғыстың өҫтөн нимә менәндер һөртөп, иҙән уртаһына ултыртты ла, курткаһын сисеп элгәс, ҡаршылағы карауатҡа терәлде. Тимер карауат ауыр кәүҙә аҫтында ризаһыҙ сыйылдап ебәрҙе. Был тауыш Фәриҙәнең мейеһен сыйҙы. «Оятһыҙ!» - тип, тешен ҡыҫып эстән ыҫылданы ҡатын һәм бөтөн ошо асыуын ҡарашатарында сағылдырып егеткә текәлеп торҙо. Ҡаршыла ултырыусы был ҡарашты тыныс күтәрҙе.— Йә, һөйлә инде… «батырлығыңды». Ҡарап тороуға әллә ни йәш тә түгелһең, ә бер балаға ҡул һуҙғанһың, - Фәриҙә ярһымаҫҡа тырышты.Артур ҙа тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә булып көсәнеп йылмайҙы:— Һеҙ Фәниәнең әсәһеме?— Ә нимә, тағы ла берәйһенең әсәһе килергә мөмкинме?— Юҡ та, унан әйтмәйем. Былай ғына, оҡшағанһығыҙ.— Оҡшағанбыҙҙыр, балам бит, - ҡатын тыныслана төштө. – Нимә өсөн килгәнемде беләһеңдер, әллә аңлатып тороу кәрәкме?— Юҡ. Беләм. – Егеттең башы аҫҡа эйелде.— Белгәс, ни эшләп эскәмйәлә ҡыҙҙар ҡосаҡлап ултыраһың, әллә ауырлы ҡорһаҡ үҙенән үҙе юҡҡа сығырға мөмкин, тейһеңме?— Ә нимә тәҡдим итәһегеҙ?— Әлеге ваҡытта мин һиңә, тәтәй егет, һин ауырға ҡалдырған ҡыҙымды ғына тәҡдим итә алам! – Ҡатындың тауышы саңҡып китте, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәселде. – Был ғына аҙ булһа, өҫтәп милицияға ғариза ла яҙып һала алам.Артур бындай хәлдең, һөйләшеүҙең булырын көткән, күрәһең, әллә ни бәлтерәп төшмәне:— Мин бит Фәниәнән баш тартмайым, баланан да…— Шулай булғас, Фәниә менән балаңдан башҡа тағы кемде көсләп таҡмаҡсымын һуң һиңә?— Тик ни бит әле, апай, - егет ус һырты менән маңлайын ыуаланы, - мин өйләнгәнмен, ғаиләм, балам бар.— Нимә-ә?! Нимә тинең?! – Фәриҙә үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе.Егеттең башы тағы ла нығыраҡ эйелде:— Өйләнгәнмен, тинем. Фәниә белде, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тик мин ғаиләмде ташлай алмайым…Фәриҙә егеткә һөйләп бөтөргә ирек бирмәне, ярһыуынан һикереп тороп, үҙ-үҙен белештермәйсә, ҡулына беренсе эләккән әйбер менән (уныһы бая Артур ултырғыс һөртөп ташлаған таҫтамал булып сыҡты) тегене уңлы-һуллы һелтәргә кереште.— Оятһыҙ! Битһеҙ! Аҙғын! Баламдың башын ашап! Мә һиңә! Мә! Йәнеңде алам хәҙер! Битһеҙ!!!Тегеһе ҡаршылашманы ла, һаҡланманы ла, башына, яурынына бысраҡ таҫтамал сарт-сорт эләккән һайын борҡоп киткән саң дүңгәләктәрен ҡарап, бөршәйә биреп тик ултырҙы. Унан асыуҙан, артыҡ көйөүҙән һәм ҡыҙып «һуғышыуҙан» хәле бөтөп тантып ҡолап барған ҡатынды «Ебәр! Тотонаһы булма миңә!» тип сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, беләгенән ҡармап тотоп ултырғысҡа ултыртты ла, стакан менән һыу алып килде. Аһылдап һығылып төшкән ҡатын тәҡдим ителгән һыуҙы бер тында эсте. Күпмелер ваҡыт икеһе ике нөктәгә төбәлгән килеш тауыш-тынһыҙ ултырҙылар. Унан күңеле генә түгел, бөтөн донъяһы ҡапыл бушап, миңрәүләнеп ҡалғандай булған Фәриҙә, тарҡау хәрәкәттәр менән ҡалҡынып өҫ-башын, сәсен рәтләне лә, сығыуға ыңғайланы. Артур ҙа торҙо, йыуаш ҡиәфәттә ҡатын артынан ишеккә тиклем эйәреп килде һәм сығыр алдынан әйләнеп ҡараған үтә лә таныш, яҡын, әммә бер ни тиклем башҡараҡ булған йөҙгә ҡарап:— Ғәфү итегеҙ… - тип бышылданы, тағы ла ниҙер әйткәйне лә буғай, һуңғы һүҙҙәре үҙенә генә ишетелеп, сыйылдап ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.* * *Фәриҙәнең йәшәү рәүеше өйрәнелгән ыҙанын юғалтты, ашы аш, йоҡоһо йоҡо булманы. Бөтөн уйы, хәсрәттәре, эш-хәрәкәте ҡыҙының ҡорһағындағы шул нәмәгә барып тоташты. Эйе, «нәмә»гә. Ҡатын уны «бала» тип ҡабул итә, итә генә түгел, уйлай ҙа алмай. Тәүге көндән алып «Ҡыҙым унан ҡотолорға, арынырға тейеш» тигән ниәт менән йән-тәсмән йөрөһә, ҡыҙын ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына еткәләп алып барып ҡайтҡандан һуң, был өмөтөн үҙ ҡулдары менән быуып үлтерергә мәжбүр булды. Күҙ алмалары туңған боҙ киҫәген хәтерләткән гинеколог, ҡар һалҡыны бөркөлөп торған тауыш менән: «Абортҡа һуң. Тәүге ауырҙы бындай ҙур срок менән киҫергә беҙ мал һуйыусымы әллә? Быға тиклем нимә уйланығыҙ?», - тине тикшергәс. Унан, әсәнең ыуаланып, ҡыҙының мыршылдап илап алып китеүенә битараф уҡ булып күренмәү йөҙөнәнме: «Бик теләһәгеҙ, егерме дүрт-егерме һигеҙ аҙнала яһалма тыуҙырыу бар, тик был операция үҙәк дауаханала ғына һәм түләүле үтә», - тип өҫтәне.«Әйтеүе генә еңел – егерме һигеҙ аҙна… Егерме һигеҙ аҙна алты ай тигән һүҙ. Тал сыбығындай ҡыҙҙың алты айлыҡ ауырын һуҡыр менән шыр алйот та аңғарыр…»Күрер күҙҙәргә күрһәтмәй генә ауырҙан ҡотолоу юлы быуылып ҡалғас, аҙна тирәһендәй ваҡыты үҙ-үҙен күндереүгә, тынысландырыуға китте Фәриҙәнең. Инде бер аҙ йөрәге урынына ултырғас, ҡәйнәһенә хәбәр итергә булды. Ул бит оло кеше, донъяла оҙағыраҡ йәшәгән, күберәк күргән, моғайын да аҙ ғына булһа ла йәнде баҫыр һүҙ әйтер, тип уйланы.Ҙурыраҡ ауылдарҙа, ҡасабаларҙа хәҙер ишектәрҙе генә түгел, урам ҡапҡаларын да бикләп йөрөйҙәр. Элекке ише ишек-ҡапҡалар ғына түгел, күңелдәрҙең шар асыҡ булыуы ла һирәк күренеш. Фәриҙә тауыҡтары төнәү менән йоҙаҡтарын да элеп инергә ғәҙәтләнгән ҡәйнәһенең ҡапҡаһын гөрһөлдәтте, ҡойма аръяғынан сәүек ҡурҡып уянды ла сәңкелдәп ебәрҙе. Бына ҡәйнәһе солан ишегенән башын сығарып: «Кем бар унда?»- тип өндәште. Фәриҙә күктәрҙән көс-ҡөҙрәт һорағандай өҫкә ҡарап ҡоймаға арҡаһы менән һөйәнде: «Мин, ҡәйнәм, ҡурҡма! Ас!»Асия ҡарсыҡ ҡатаһын шипылдатып һөйрәп килеп салтыратып элмәкте ысҡындырып ебәрҙе лә, ҡараңғыла күрмәгән күҙҙәрен секерәйтеп килененә төбәлде:— Нимә булды, килен, ҡалай ҡурҡыттың?— Булманы… Хәл белергә килдем. Һаумыһың.— Аһ-аһ, әбешне ял көндәре килгәсегеҙ ней, әллә Заһирыма, балларға бер-бер хәл булдымы тейем әле. Һаумыһың, килен, һаумыһың. Әйҙә-әйҙә, инә һалайыҡ, - әбей йылдам ғына боролоп алдан төштө.Инделәр. Ҡәйнәһенең ике яҡлы ҙур булмаған өйө йылы, йәмле, бында егәрле, бөтмөр кеше йәшәгәнлеген белдереп, сағыу әрмәкле урындыҡтан башлап, стенеларҙағы кәртешкәләргә тиклем ҡот, нур бөркөп тора.Ҡәйнә газына сәй ултыртып ебәрҙе, «Эштән тура киләңдер бит» тип соландан кескәй кәстрүл менән ашын индереп йылытырға ҡуйҙы. Урындығына ашъяулығын йәйеп, икмәк-шәкәрен теҙҙе лә, үҙе «өҫтәл»енең мөйөшөнә бер тубығын бөкләп, икенсеһен күтәреп итәге менән ҡаплап, ултырып алды.— Йә, килен, шыл быяҡҡа, нимәһен ҡурҡҡан шикелле ултыраһың.— Ултырам инде, ҡәйнәм, хәлем шулай…— Хәлеңде ней, күреп торам. Бушҡа һуңғы ваҡыт төшөм болармайҙыр тейем шул. Әй, баҡшы* бит үҙем шул яҡҡа. Йә, нимә булды?Фәриҙә әйтәһен нисек башларға белмәне:— Булды инде, ҡәйнәм, булды… - күҙ йәштәре һүҙен быуҙы.— Ни нәмә, килен, иреңдән юҡ-бар хәбәр килтерҙеләрме әллә? Шундайға йәш түгеп илап ултырма тип күпме өйрәтәм һине, ир заты тупһа ашатлаһа – буйҙаҡ. Аларҙың асылы, фиғеле шулай. Үҙеңә ипте булғас, балларҙы ҡарашҡас, аҡса эшләп йөрөгәс шөкөр тиң дә ҡуйсәле…— Ул түгел әле бында… Аның ҡайғыһы төштән кире. Фәниә эштәр бешерҙе бит, ҡәйнәм.— Фәниә?.. Ал балаға ней булған?— Ауырға ҡалған. Алдырырҙан үткән инде. Егете өйләнгәндәй түгел. Ҡалайтабыҙ?Асия әбей нисек ҡабул иткәндер был хәбәрҙе, һәр хәлдә эсендәгеһен тышҡа сығарманы, әйткәнде ишетмәгәндәй тора һалып ҡапҡасын бейетеп алып киткән баҡырсаһын уттан алып сәй бешерҙе, тәрилкә менән туҡмас алып килде лә, урынына менеп ҡунаҡланы. Унан уйлана биреп кенә:— Тоҡомда тыума тапҡандар юҡ ине әле… - тип ҡуйҙы.Фәриҙә аңлай алмай сабырһыҙланды:— Нимә тейең шул, кем тейең?— Тыума тейем, тыума. Никахһыҙ, ирһеҙ көйө йөрөп тапҡан баланы шулай тейҙәр ине элек.— Ыста… тәүгә ишетәм.— Тыуманы тыумаҫ борон быу, тигән булырҙар, тыума бала ятҡан сәңгелдәккә никахлы балларҙы һалдырмаҫтар ине. Эй Алла, хәҙер килеп тыуманың да ояты үтте, ана бит кем, нимә икәнен дә белмәйһегеҙ.— Ҡуй әле, ҡәйнәм, әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмәләр һөйләп ултырма, былай ҙа эсемдә ут. Атаһына ҡалайтып ҡына әйтермен икән?— Әйтәһең инде, йәшереп ҡуйыр эш түгел. Ана шул айырым сыҡмағыҙ тип тә күпме әйттем һеҙгә, килен, тыңламанығыҙ. Йәштәр әбей-бабайҙан арынырға ғына тора шул. Өйөгөҙҙә күҙ булып ултырһам да белә-күрә инем, үҙегеҙ көнө-төнө эштә бит инде. Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый, тип нимәгә әйткәндәр тейһең? Борон ҡыҙҙы ҡытаҡлай башлау менән кейәүгә биреп дөрөҫ иткәндәр ул.— Әллә… балаһын балниста ҡалдыртайыҡ та ҡуяйыҡмы… Уф! Аптырағандан әйтәм инде…— Ҡа-ай, быныһы бер гонаһ булһа, уныһы мең гонаһ булыр, килен. Ул хәҙәрем рисауай булмайыҡ. Ярай. Беҙ һыҡтағандан эш үҙгәрмәй. Мирҙа булмаған хәл түгел. Үҙегеҙ ҙә йәшһегеҙ әле, яңы ҡырҡҡа баҫаһығыҙ, тағы бер баланы ней, күтәрерһегеҙ. Фәниә - алмалай ҡыҙ, яҙған булһа, кейәүе лә булыр, яҙмышы ла яйланыр.Ҡәйнәһенән күпкә тынысланып, бәләһен күтәрешерҙәй таяныс, бысраҡҡа ҡолап уҡ китмәҫтәй терәк табып, саҡ ҡына булһа ла йәне йыуанып сыҡты Фәриҙәнең. Салт аяҙ күктә баҙырашҡан йондоҙҙарға ҡарап: «Ҡалай ғына булһа ла ҡәйнәм аҡыллы шул»,- тип уйланы.Ә теге баланы нимә тине һуң әле? «Тыума» тинеме? Бына инде, нимә тип атарға белмәгән нәмәгә лә исем табылды. Тыума. Ҡалай хәтәр, ҡурҡыныс атама. Тыума… Бахыр йәнде ризалыҡһыҙ, рөхсәтһеҙ яралғаны өсөн яҡты донъяға сығармау өсөн «тыума», йәғни ҡарында уҡ үлһен, төңөлһөн, юғалһын тип шулай мөһөрләгәндәрҙер. Ҡалай яңылышҡан, хаталанған әҙәмдәргә, хатта тыумағандарына ла ҡанундар ҡаты булған икән. Ә уйлап ҡараһаң, ул йәнде Хоҙай Тәғәлә үҙе яралтҡан түгелме, шулай булғас, ябай әҙәмдәр нисек уға «Тыума!» тип бойороҡ бирә, юлын быуа ала? Юҡ, ҡалай ғына екһенһә лә, нисек кенә ҡабул итә алмаһа ла, Фәриҙә уға «тыума» тип әйтә алмай, әлегә «тыу» тиергә лә теле әйләнмәй, әммә «тыума» тип һис шикһеҙ әйтмәйәсәк ул.* * *Бер нисә көндән иренә шылтыратҡайны. Башта хәл-әүәл һораштылар, ул-был яңылыҡтарҙы һөйләштеләр, унан Фәриҙә бар көсөн йыйып әйтәһен әйтте. Ире бер һүҙ ҙә өндәшмәне, бары трубканан бер туҡтауһыҙ «Ҡһым… ҡыһым…» тип тамаҡ ҡырғаны ғына ишетелде. Шулай бер минуттай торҙо-торҙо ла әллә һөйләшергә теләмәй, әллә һөйләшә алмай элемтәне өҙҙө. Ҡатын тағы ла бер бәйләнешкә инеп ҡарағайны – алманы. «Ярай… ярай, - тип тынысландырҙы үҙен Фәриҙә, - бер аҙ үҙенә килһә шылтыратыр.» Әммә шылтырау бер айҙан да булмағас, ул ғына ла түгел, ире вахта араһындағы ялына ла ҡайтмайса эшендә ҡалғас, ҡатын тамам хайран булды. Тик борсолоуын өйҙә белдермәне. Быға үҙ сәбәптәре бар: беренсенән, әлеге лә ҡыҙы үҙен тағы ла бер бәләгә ғәйепле тойоп йәш ҡоясаҡ, икенсенән, был хәлде малайҙары аңламаясаҡ. Шуға ла ҡәйнәһенең «Ҡай бер бисә күтәргәндәй ҡайғыны ирҙәр күтәрә алмай шул. Ярар. Сабыр итегеҙ. Ҡайтыр, үҙ балаһы бит, минең ҡәйнәм-бахыр «Бала хаҡына батҡаҡ ашарһың» тигән була торғайны әле», - тип йыуатыуына күнеп, яҙмышына баш эйҙе.Малайҙарға ла был эште аңлатыу әллә ни еңел булманы. Һуңғы ваҡытта улар өйҙә ниндәйҙер сер йәшәүен аңғарғайнылар инде, апайҙарына ла ҙурыраҡ икәүһе әленән-әле аптыраулы ҡараштарын төбәп-төбәп алыр булып китте. Ҡыҙҙағы үҙгәрештәрҙе улар ҙа күрә йөрөнө, ләкин эштең тап нимәлә икәнлеген генә төшөнөрлөк түгелдәр ине.Фәриҙә сәй артында аңлашып алырға булды. Ҡыҙынан тыш барыһы ла өҫтәл янына йыйылғас, ябай ғына итеп әйтте:— Малайҙар, тиҙҙән беҙҙең өйҙә бәпәй буласаҡ.Балалар кемеһе ҡалағын һуҙған, кемеһе сынаяғын күтәргән килеш ҡатып ҡалды, күҙҙәр серт-серт итеп әсәйгә төбәлде. Фәниәгә етә килгән өлкән улы Фәһим асыҡламаҡсы булды:— Ҡайҙан?Фәриҙә тауышына трагик тон сығармаҫҡа тырышты:— Бәпәйҙең ҡайҙан килгәнен белмәйһегеҙме ни?Һүҙгә икенсе улы Заһир ҡушылды:— Беләбеҙ ҙә ул… Һин алаһыңмы… бәпесте?— Юҡ, мин түгел, Фәниә апайығыҙ аласаҡ.Быныһына инде малайҙар бөтөнләй телһеҙ ҡалды. Ахырҙа бәләкәйе Закир бер аҙ һушына килеп:— Апай кейәүгә сығамы әллә? – тип һорай алды.— Юҡ, - тине әсә, - кейәүгә сыҡмайса ғына бәпес ала.— Улай буламы ни, - тип аптыраны улы.— Була икән, улым, була…Фәһиме бурҙаттай ҡыҙарҙы:— Кем ул, әсәй?! Мин уны тотоп…Әсә өҙә һуҡты:— Берәүҙе лә тотмайһың, Фәһим, ул әҙәм юҡ инде бын да, киткән, юҡ.Буйсанланып егет ҡорона инеп барған, танау аҫтына ҡара һыҙыҡ йүгереп, тауышы ҡалынайып киткән өлкән малайы ғәрлегенән, асыуынан, тетрәнеүенән тышҡа атылып сыҡҡан йәштәрен ҡул һыртына йәшерҙе:— Вот апай дура!— Бына нимә, малайҙар, - әсәнең тауышында тимер сыңы сыңлап китте, - дурамы-түгелме ул һеҙҙең апайығыҙ һәм уға бөгөн һеҙгә ҡарағанда бишләтә-унлата ауырыраҡ. Беҙ иң яҡын кешеләре лә баш борһаҡ – нимә ҡала? Шулай йәнһеҙме ни һеҙ? Апайығыҙҙан яңылышҡаны өсөн генә баш тарта алаһығыҙмы? Әллә һеҙгә ғорурлыҡ ҡәҙерлерәкме?!Был эштең асылын тулыһынса төшөнөп етә алмаған ҡустылары «Нимә әйтербеҙ?» тигәндәй ағайға ҡараны. Ағай кеше хас та ысын ирҙәрсә, ағыр йәштәрен эскә йотоп, ситкә ҡарап тупаҫ ҡына итеп:— Кем улай тей? – тине лә, һуҡ бармағы менән ебеп киткән танауын шырылдатып һыпырғас, - Апайға берәй нәмә әйтеп ҡараһындар… - тип билдәһеҙ кешеләргә ҡаты янап ҡуйҙы.* * *Фәриҙә һуң ғына ҡыҙының бүлмәһенә инде. Тегеһе сәскәле яҫтыҡҡа ҡара ебәк сәстәрен һирпеп ебәреп, ҡупшы беләктәрен баш аҫтына яҫтап, иҫһеҙ йоҡлай. Өҫтәл өҫтөндәге төнгө лампаның тоноҡ нуры тимгел-тимгел тутлана башлаған мәрмәрҙәй аҡ йөҙөн, ситтәренә һоро күләгә ултырып киткән йомоҡ күҙҙәрен, бер аҙ төҫөн юғалта биргән алһыу ирендәрен аса. Йылмайғандай ҙа инде әллә? Йылмая шул. «Әйҙә, баламдың исмаһам төштәре ҡыуаныслы булһын»,- тип уйлап ҡарап торҙо Фәриҙә.Ул әлегә белмәй ине. Әлбиттә, белә лә, уйлай ҙа, күҙ алдына килтерә лә алмай ине. Бер нисә айҙан ошо бүлмәлә сабый тауышы ишетелеүгә барыһының да ҡыуанасағын, ҡыҙының бәпесе менән бергә терелә, күтәрелә, күркәмләнә барасағын, иренең аңлаясағын, ғәфү итәсәген, күпмелер ваҡыттан шул баланың барыһының да күҙен, күңелен йәмләр, яратып туйғыһыҙ ғәзиз, ҡәҙерле йән буласағын һәм уның бер ваҡытта ла үҙе менән бергә тыуған «тыума» атамаһын ишетмәйәсәген ул белмәй ине. Әлегә…Миләүшә Ҡаһарманова ТЫУМАКөтөлмәгән хәбәр Фәриҙәнең аңына барып етмәне. Ҙур асылған аптыраулы ҡараштарын ул Рәйлә Рәвилевнаға төбәп тора бирҙе. Насар хәбәр еткереүҙе үҙ өҫтөнә алыусы, ахырҙа, әйткәндәрен шымыраҡ итеп тағы ла бер ҡабатларға мәжбүр булды. «Нимә тиһегеҙ?! Нимә һөйләйһегеҙ шул һеҙ?!» -тип класс яңғыратып ҡысҡырғыһы, уҡытыусының ҡулдарынан тотоп елтерәтеп яуап талап иткеһе килде Фәриҙәнең, әммә ниндәйҙер хәрәкәт эшләү түгел, суйын ише ауырайып аңҡауына йәбешкән телен дә ҡыбырлата алманы. Шул килеш класс бүлмәһенең ярты стенаһын биләп торған ҙур ҡара таҡта алыҫайып барып бер нөктәгә әйләнде лә, яҡты тәҙрәләр ямғыр йыуған һүрәт шикелле иреп, салшайып төштө…… Иҫенә килгәндә Фәриҙәне ни ғиллә менәндер уҡытыусылар бүлмәһендәге диванға индереп һалғандар, Рәйлә Рәвилевна менән аҡ халатлы йәш ҡыҙ уның янында текәлешеп ултыралар ине. Тамам аңы асылған ауырыу тора һалырға ынтылды һәм «ята бир» тигәнде аңлатып йомшаҡ ҡына яурынына баҫҡан шәфҡәт туташының ҡулын ҡырҡыу ғына ситкә этте лә, урынынан аяҡтарын төшөрөп, сәсен ипләне. Аҡ халатлы быға бер ҙә үпкәләмәне, киреһенсә, нимәләлер үҙен ғәйепле тойғандай, ипле итеп:— Һеҙгә укол ҡаҙаным, бына ошо ике таблетканы саҡ ҡына торараҡ эсерһегеҙ… Йөрөмәҫкә, ятып торорға кәңәш итәм. Өйҙә хәлегеҙ насарайғандай булһа, зинһар, табип саҡырығыҙ, - тине һәм инде уҡытыусыға боролоп, - Мин китәйем инде, Рәйлә Рәвилевна, - тип йыйына башланы.— Эйе, эйе, рәхмәт һеҙгә, Ләлә һылыу, китегеҙ.Соңҡаһына йоморолатып өйөп ҡуйған сәстәренә юлаҡ-юлаҡ сал йүгергән, ирен, күҙ ситтәрен ваҡ һырҙар селтәре япҡан ҡалыныраҡ кәүҙәле олораҡ ҡатын, йәшерәгенең йәнәшәһенә терәлде лә, йылы устарына тегенең туңып барған ҡулын алып, аңлаған аҡыллы ҡараштары менән йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан күҙҙәргә төбәлде. Иң дауалы, иң шифалы ғына һүҙҙәр кәрәк ине был мәлдә һәм тәжрибәле уҡытыусы, күңеле төпкөлөнән һүҙ-мәрйендәрен һайлап алып ҡына епкә теҙҙе:— Фәриҙә туғаным,.. был донъя ахыры түгел… Сабыр булырға, барыһын да тик ныҡлы уйлап, үлсәп кенә хәл итергә кәрәк. Һин тормош күргән, бешеккән ҡатын нисек ҡабул итәһең, ә ул бала ни хәлдә, аңлайһыңмы?Ниһайәт, әллә күпме ваҡыттан һуң, Фәриҙә лә телгә килде, тауышы ҡарлығып, тамаҡ төбөнән сыҡты:— Йүнһеҙ ҡыҙ, аҫып ҡына ҡуяһы…— Улай тимә, Фәриҙә, аҫыу-киҫеүгә күп аҡыл кәрәкмәй. Һин бит әсәй кеше, ул - үҙ балаң, ошондай хәлдә ситкә типһәң, башын элмәккә тығыуға былай ҙа аптырамаҫ…— Нишләргә һуң, Рәйлә апай, кеше күҙенә нисек күренермен, атаһына ни тип әйтермен инде хәҙер, хет үҙең аҫылын, - тип ыңғырашты, һыҡраны Фәриҙә.— Сабыр ит, сабыр ит… Фәниә бит насар ҡыҙ түгел, насар ғаиләлә үҫмәгән, яңылышҡан, тимәк, дүрт аяҡлы ат та һөрөнә, ти, халыҡ, ун алты йәшлек балаға ни әйтерһең… Егетен күреп һөйләшеп ҡарарға кәрәк, төҫө сибәр, холҡо матур ҡыҙыңдың, ундай кәләштән кем баш тартһын. Әйҙә, иң беренсе, һин тыныс ҡына итеп Фәниә менән эште асыҡлап ал, унан егетенә барырһың, бындай хәлдә өйләнешкәндәр аҙмы ни…— Оят бит әле оят, Рәйлә апай… Ул аҙғыны кем икән һуң? Егете барлығын һиҙҙермәй ҙә бит әле йүнһеҙ ҡыҙ. Артыҡ сығып йөрөгәнен дә аңғарманым, кистәрен шул имтихандарға әҙерләнәбеҙ тип китә инде.— Тимәк, туғаным, бында һинең дә ғәйебең юҡ түгел. Ир-егеттең күҙе төшөрлөк еткән ҡыҙың була тороп, ни йөрәк менән өйөңдә тыныс ҡына йоҡлап ятаһың?— Нишләйем һуң, эйәреп йөрөйөммө?— Эйәреп үк йөрөмәһәң дә, балаңдың уй-хыялдарын, кисерештәрен тойорлоҡ яҡын була белергә кәрәк. Шул ваҡытта ул да һиңә кемгәлер ғашиҡ икәнлеген әйтер, һөйләр, кәңәшләшер ине.— Эш тә өй, эш тә өй бит үҙемдең дә, аталары ҡырҙа булғас, донъя ла бер елкәлә, тигәндәй…— Әсәнең төп бурысы бала икәнде онотабыҙ шул беҙ шулайтып… Ярай, инде булаһы булған, хәҙер һинең бар эшең ошо ҡатмарлы хәлдә Фәниәне һаҡлап, ҡурсалап ҡалыу һәм… баланы.«Бала» һүҙенән Фәриҙә һөйләшеүҙең мәғәнәһен яңы ғына аңлағандай тертләп китте:— Бала булмаҫ инде ул, Рәйлә апай, тапмаҫ, алдырыр… Срогы ниндәй икән әле?— Минең аңлауымса, өс ай тирәһе бар.— Ы-ыһ…— Уныһын үҙегеҙ хәл итерһегеҙ, алдырһағыҙ ҙа, ҡалдырһағыҙ ҙа, һин, туғаным, әсәй икәнеңде онотма.Эңер ҡуйыра барған ҡасаба урамы буйлап һауа етмәгәндәй тәрән һулыш ала-ала яй ғына атланы Фәриҙә. Юлда осраған, һаулашып үткән кешеләр уның мәсхәрәһен беләлер, тәүбә итәлер йәки аҫтыртын көләлер кеүек тойолдо. Эсендә дөрләп тамуҡ уты янды. Тышҡа бөркөп ебәрһә, ер-һыу көйрәрҙәй. Өйөнә ҡайтып етте лә солан ишеген асып инергә ҡыйманы. Юҡ, бөгөн ул һәр көндәгесә ғәҙәти була алмай, шул уҡ ваҡытта ҡыҙының йөҙөнә ҡарарлыҡ та, төпсөшөрлөк тә көсө ҡалмаған. Үҙ-үҙен ҡулға ала алырына, ҡурҡыныс хәлдәр эшләп ташламаҫына ышанысы ла юҡ. Инмәҫкә, инмәҫкә, нисек тә был ерҙән ҡырғараҡ китергә кәрәк уға. Китергә… әлегә…Ҡатын артҡы ҡапҡа үтә сыҡты ла, ҡасаба ҡырлап аҡҡан йылға буйына төшөп китте. Тәнтерәкләй биреп, әкрен генә барған һынды ҡараңғылыҡ менән яҙғы һыу шауы йотто.Мәктәп тупһаһын да ашатламаған, ун ете йәше лә тулмаған ҡыҙы ауырға ҡалған. Ҡалайтһын, нишләһен, нимә уйлаһын әсәй кеше?! Уҡытыусыһы саҡыртып әйткәнгәсә, белмәй ҙә йөрөгән! Башта шаңҡыны, унан көйҙө, ярһыны, ҡайғыһынан һығылды, янды, тора-бара ҡурҡты, өмөттәре өҙөлдө, йәшәүҙәрҙән ваз кисте ул, әммә ниндәй генә кисерештәр эсендә көйрәгәндә лә, хәсрәттәргә баҫылып өлпөлдәп кенә типкән әсә йөрәгендә балаһына ҡарата күрәлмау, ҡарғыш хисе яралманы. Зыңҡылдап торған ҡылдай нәҙек, ыуыҙ япраҡтай үтә күренмәле йоҡа, өрһәң осоп китер ҡаҙ мамығылай еңел булған ҡатын-ҡыҙ күңеле тағы ла бер тапҡыр ер йөҙөндә үҙенә көстә, ныҡлыҡта, ҡатылыҡта һәм бөйөклөктә тиңе булмаған әсәлек ҡөҙрәтен дәлилләне. Ғаиләләрендә тәүге бала булып донъяға килгән ҡыҙына үҙенең нисек йөклө йөрөгәнен, тыуҙырғас, ниндәй татлы хыялдар диңгеҙендә йөҙөүен, сабыйының тәүге тапҡыр күкрәгенә морон төртөүен, тәпәй баҫыуын, һөйләшеүен, көлөүен кисә генә булған кеүек күҙ алдынан үткәрҙе ҡатын. Алма сикәле, йондоҙ күҙле ҡыҙсығының әле яңы күлдәктә көҙгө алдында ырғанлауын, әле мәктәп тормошонда ҡайнап йөрөүен, әле айырым бүлмә кәрәк тип өйҙөң бер мөйөшөн бүлдереп алыуын, әле битемә һытҡы сыҡҡан, тип борсолоуын иҫләне. Ҡай арала үҫеп еткән һуң балаһы, һиҙелмәй ҙә ҡалған икән. Унан ҡыҙының һуңғы ваҡыттарҙа үтә лә шымып, бер ҡайҙа ла атлыҡмай, йүгермәй, осонмай башлауын, һүнеп, бөтөп китеүен хәтерләне. Етеп килгән сығарылыш имтихандарына көйәләнәлер, тип уйлағайны бит. Бына нимәлә булған икән ғиллә. Ниндәй уйҙар, ниндәй михнәттәр кисереп кенә йөрөнө икән? Нисек күтәрҙе икән бер үҙе? Быға тиклем әллә ни мәүеш булмаған ҡыҙҙың ҡустылары менән саҡ ҡына тиргәшкәндә лә илай һалып барыуын, сәй артында бер нөктәгә текәлеп оло ҡайғыһы булғандай онтолоп китеүен, ҡай саҡтарҙа шундай хәсрәт тулы күҙҙәр менән бағып ебәреүен, алһыу йөҙөнөң һурығып, ағарып китеүен аңлай хәҙер әсә, аңлай… Бөтә ошо уйҙарынан ҡатын ғүмерҙә булмағанса тетрәнде, хатта йән кисереше тышҡа бәреп сығып, бөтөн кәүҙәһе менән биҙгәк тотҡандағылай ҡалтыранып китте һәм ошо яңы тойғоноң дауыллап тулап китеүенән уның йөрәгендә табанын имеп ойоп ятҡан инә айыу ажғырып килеп уянды. Ҡурҡыныс ине был йәнлек, уҫал ине. Ул һырт йөндәрен ҡабартып, тырнаҡтарын тырпайтып, аҙау тештәрен ыржайтып бәләгә ҡалған балаһын яҡлауға тороп баҫҡайны. Инә айыу алышҡа әҙерләнде. Ул балаһын йәмғиәттән, кешеләрҙән, күҙ-ҡараштарҙан, йәшлек хистәренән, яҙмышынан, хатта үҙ атаһынан яҡларға, һаҡларға тейеш ине.* * *Фәниә йоҡонан көскә торҙо. Көндән - көн таңдан тороп китеү ауырлаша уға. Мәктәп формаһын кейеп, сәсен үргәндә лә яртылаш йоҡлап ултыра әле. Үҙен көсләп ҡулъйыуғыс эргәһенә алып барҙы ла, күҙен йомған килеш йыуынырға кереште. Күҙен асһа – уҡшыясаҡ, йыуынған ерҙә һәр нәмә күңелен болғандырғандай. Бөгөн был ысул ғына ҡотҡарманы уны, теш щеткаһын ауыҙында йөрөткәндән йөрәге уйнап, өҙлөгөп-өҙлөгөп ашҡаҙанындағы әсе һары шыйыҡсаны уҡшып сығарҙы ла, хәле бөтөп, һалҡын һыу менән битен сайҡаны.Был ваҡытта Фәриҙә, барыһын да ишетеп-күреп, мейескә тотонған килеш күҙҙәрен сытырлатып йомоп, баҫып тора ине. Әйтерһең дә, үҙе шул хәлдә, үҙе уҡшый, үҙе хәлһеҙ. Хәҙер инде белгәс, ҡыҙының һәр ым-хәрәкәтен аңлай, тоя. Һуҡыр булғандыр ул быға саҡлы.Малайҙар ашыҡ-бошоҡ ашап, даһыр-доһор йыйындылар ҙа, этешә-төртөшә мәктәпкә йүгерҙеләр, бары ҡыҙ ғына өҫтәл артына ултырырға ашыҡманы. Ҡараһа, сығырға ла кейенеп йөрөй икән. Гел иртәнсәк ашамай киттеме икән? Фәриҙә ҡыҙы янына ишек төбөнә килде:— Сәй эсмәйһеңме ни?— Эскем килмәй. – Итеген кейергә эйелгән Фәниәнең тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты.Фәриҙә тыныс булырға тырышты:— Бәлки, берәй нәмә ашағың киләлер?— Юҡ… - ҡыҙ шулай ҙа аптырай биреп әсәһенә башын күтәреп ҡарап алды.— Ашарға кәрәк, ҡыҙым, һинең хәлеңдә ашамай йөрөргә ярамай.Һыңар аяғында тороп, икенсеһенә итек кейеп маташҡан ҡыҙ «лып» итеп иҙәнгә ултыра төштө, ҡалтыранған ҡулдарында аяҡ кейемен тотҡан килеш, шар асылған күҙҙәрен өҫкә төбәне. Ҡурҡыу, асырғаныу, сараһыҙлыҡ бергә солғанып, тәрән ғазап булып уҡмашҡайны был ҡарашта. Унан инде, күҙ алмаларындағы бөтөн был сағылыштарҙы ҡайнар йәш даръяһы йыуып алып китте.— Әсә-әй! Әсәй, ғәфү ит мине!Фәриҙә лә тубыҡ быуындары һынып, сүгәләп төштө лә, үҙенә итектәре, сумкаһы аша иңгәкләп ынтылған ҡыҙын ҡосаҡлап алды:— Илама, ҡыҙым, илама… Бының менән генә донъя бөтмәгән әле, бөтмәгән… Илама, балам, берәй йүне булыр… булыр…* * *Фәниәнең һулҡылдау ҡатыш өҙөк-йортоҡ һөйләгәндәренән, егеттең совхозда практика үткән ҡала егете икәнлеген аңлағайны Фәриҙә. Эштән һуң, тағы ла эңергә ҡала биреп, ҡасабаға ситтән килеп урынлашыусылар өсөн ятаҡ итеп тотолған йортҡа юлланды. Ике ҡатлы йорттоң яҡтылыҡ һирпкән тәҙрәләренә ҡарай биреп торғас, подъезд алдында эскәмйәлә шаулашҡан бер төркөм йәштәр янына килде. Кемдәрҙер уны танып, баҙлатып торған тәмәкеһен йәшерҙе, кемдәрҙер һикереп торҙо, тик ҡатындың ҡайғыһы уларҙа түгел ине.— Һаумыһығыҙ.— Һаумыһығыҙ! – Йәштәр хор менән тигәндәй, күңелле яуапланы.«Быларға рәхәт, моңдары юҡ», - тип уйлап алды ҡатын.— Мин ошо йорттан Артур исемле егетте эҙләй инем, совхозда практика үтә булырға тейеш.Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Унан, ултырыусылар араһынан ашыҡмай ғына бер егет тороп баҫты:— Мин – Артур. Һеҙ миңәме?— Шулайҙыр. – Фәриҙә тауышындағы ҡалтырауҙы баҫыуға тәрән итеп бер һулыш алды ла, - Әйҙә әле, егет кеше, бүлмәңә инеп һөйләшәйек, - тине.Бар байлығы бер карауат та, бер өҫтәлдән торған бүлмәгә инеп баҫтылар. Тәҙрәләрҙә уңып бөткән ҡорғандар һәлпелдәй, иҙәнде күптән йыуған кеше юҡ, күрәһең. Шулай ҙа йылы.Егет бер бөртөк артлы ултырғыстың өҫтөн нимә менәндер һөртөп, иҙән уртаһына ултыртты ла, курткаһын сисеп элгәс, ҡаршылағы карауатҡа терәлде. Тимер карауат ауыр кәүҙә аҫтында ризаһыҙ сыйылдап ебәрҙе. Был тауыш Фәриҙәнең мейеһен сыйҙы. «Оятһыҙ!» - тип, тешен ҡыҫып эстән ыҫылданы ҡатын һәм бөтөн ошо асыуын ҡарашатарында сағылдырып егеткә текәлеп торҙо. Ҡаршыла ултырыусы был ҡарашты тыныс күтәрҙе.— Йә, һөйлә инде… «батырлығыңды». Ҡарап тороуға әллә ни йәш тә түгелһең, ә бер балаға ҡул һуҙғанһың, - Фәриҙә ярһымаҫҡа тырышты.Артур ҙа тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә булып көсәнеп йылмайҙы:— Һеҙ Фәниәнең әсәһеме?— Ә нимә, тағы ла берәйһенең әсәһе килергә мөмкинме?— Юҡ та, унан әйтмәйем. Былай ғына, оҡшағанһығыҙ.— Оҡшағанбыҙҙыр, балам бит, - ҡатын тыныслана төштө. – Нимә өсөн килгәнемде беләһеңдер, әллә аңлатып тороу кәрәкме?— Юҡ. Беләм. – Егеттең башы аҫҡа эйелде.— Белгәс, ни эшләп эскәмйәлә ҡыҙҙар ҡосаҡлап ултыраһың, әллә ауырлы ҡорһаҡ үҙенән үҙе юҡҡа сығырға мөмкин, тейһеңме?— Ә нимә тәҡдим итәһегеҙ?— Әлеге ваҡытта мин һиңә, тәтәй егет, һин ауырға ҡалдырған ҡыҙымды ғына тәҡдим итә алам! – Ҡатындың тауышы саңҡып китте, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәселде. – Был ғына аҙ булһа, өҫтәп милицияға ғариза ла яҙып һала алам.Артур бындай хәлдең, һөйләшеүҙең булырын көткән, күрәһең, әллә ни бәлтерәп төшмәне:— Мин бит Фәниәнән баш тартмайым, баланан да…— Шулай булғас, Фәниә менән балаңдан башҡа тағы кемде көсләп таҡмаҡсымын һуң һиңә?— Тик ни бит әле, апай, - егет ус һырты менән маңлайын ыуаланы, - мин өйләнгәнмен, ғаиләм, балам бар.— Нимә-ә?! Нимә тинең?! – Фәриҙә үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе.Егеттең башы тағы ла нығыраҡ эйелде:— Өйләнгәнмен, тинем. Фәниә белде, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тик мин ғаиләмде ташлай алмайым…Фәриҙә егеткә һөйләп бөтөргә ирек бирмәне, ярһыуынан һикереп тороп, үҙ-үҙен белештермәйсә, ҡулына беренсе эләккән әйбер менән (уныһы бая Артур ултырғыс һөртөп ташлаған таҫтамал булып сыҡты) тегене уңлы-һуллы һелтәргә кереште.— Оятһыҙ! Битһеҙ! Аҙғын! Баламдың башын ашап! Мә һиңә! Мә! Йәнеңде алам хәҙер! Битһеҙ!!!Тегеһе ҡаршылашманы ла, һаҡланманы ла, башына, яурынына бысраҡ таҫтамал сарт-сорт эләккән һайын борҡоп киткән саң дүңгәләктәрен ҡарап, бөршәйә биреп тик ултырҙы. Унан асыуҙан, артыҡ көйөүҙән һәм ҡыҙып «һуғышыуҙан» хәле бөтөп тантып ҡолап барған ҡатынды «Ебәр! Тотонаһы булма миңә!» тип сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, беләгенән ҡармап тотоп ултырғысҡа ултыртты ла, стакан менән һыу алып килде. Аһылдап һығылып төшкән ҡатын тәҡдим ителгән һыуҙы бер тында эсте. Күпмелер ваҡыт икеһе ике нөктәгә төбәлгән килеш тауыш-тынһыҙ ултырҙылар. Унан күңеле генә түгел, бөтөн донъяһы ҡапыл бушап, миңрәүләнеп ҡалғандай булған Фәриҙә, тарҡау хәрәкәттәр менән ҡалҡынып өҫ-башын, сәсен рәтләне лә, сығыуға ыңғайланы. Артур ҙа торҙо, йыуаш ҡиәфәттә ҡатын артынан ишеккә тиклем эйәреп килде һәм сығыр алдынан әйләнеп ҡараған үтә лә таныш, яҡын, әммә бер ни тиклем башҡараҡ булған йөҙгә ҡарап:— Ғәфү итегеҙ… - тип бышылданы, тағы ла ниҙер әйткәйне лә буғай, һуңғы һүҙҙәре үҙенә генә ишетелеп, сыйылдап ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.* * *Фәриҙәнең йәшәү рәүеше өйрәнелгән ыҙанын юғалтты, ашы аш, йоҡоһо йоҡо булманы. Бөтөн уйы, хәсрәттәре, эш-хәрәкәте ҡыҙының ҡорһағындағы шул нәмәгә барып тоташты. Эйе, «нәмә»гә. Ҡатын уны «бала» тип ҡабул итә, итә генә түгел, уйлай ҙа алмай. Тәүге көндән алып «Ҡыҙым унан ҡотолорға, арынырға тейеш» тигән ниәт менән йән-тәсмән йөрөһә, ҡыҙын ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына еткәләп алып барып ҡайтҡандан һуң, был өмөтөн үҙ ҡулдары менән быуып үлтерергә мәжбүр булды. Күҙ алмалары туңған боҙ киҫәген хәтерләткән гинеколог, ҡар һалҡыны бөркөлөп торған тауыш менән: «Абортҡа һуң. Тәүге ауырҙы бындай ҙур срок менән киҫергә беҙ мал һуйыусымы әллә? Быға тиклем нимә уйланығыҙ?», - тине тикшергәс. Унан, әсәнең ыуаланып, ҡыҙының мыршылдап илап алып китеүенә битараф уҡ булып күренмәү йөҙөнәнме: «Бик теләһәгеҙ, егерме дүрт-егерме һигеҙ аҙнала яһалма тыуҙырыу бар, тик был операция үҙәк дауаханала ғына һәм түләүле үтә», - тип өҫтәне.«Әйтеүе генә еңел – егерме һигеҙ аҙна… Егерме һигеҙ аҙна алты ай тигән һүҙ. Тал сыбығындай ҡыҙҙың алты айлыҡ ауырын һуҡыр менән шыр алйот та аңғарыр…»Күрер күҙҙәргә күрһәтмәй генә ауырҙан ҡотолоу юлы быуылып ҡалғас, аҙна тирәһендәй ваҡыты үҙ-үҙен күндереүгә, тынысландырыуға китте Фәриҙәнең. Инде бер аҙ йөрәге урынына ултырғас, ҡәйнәһенә хәбәр итергә булды. Ул бит оло кеше, донъяла оҙағыраҡ йәшәгән, күберәк күргән, моғайын да аҙ ғына булһа ла йәнде баҫыр һүҙ әйтер, тип уйланы.Ҙурыраҡ ауылдарҙа, ҡасабаларҙа хәҙер ишектәрҙе генә түгел, урам ҡапҡаларын да бикләп йөрөйҙәр. Элекке ише ишек-ҡапҡалар ғына түгел, күңелдәрҙең шар асыҡ булыуы ла һирәк күренеш. Фәриҙә тауыҡтары төнәү менән йоҙаҡтарын да элеп инергә ғәҙәтләнгән ҡәйнәһенең ҡапҡаһын гөрһөлдәтте, ҡойма аръяғынан сәүек ҡурҡып уянды ла сәңкелдәп ебәрҙе. Бына ҡәйнәһе солан ишегенән башын сығарып: «Кем бар унда?»- тип өндәште. Фәриҙә күктәрҙән көс-ҡөҙрәт һорағандай өҫкә ҡарап ҡоймаға арҡаһы менән һөйәнде: «Мин, ҡәйнәм, ҡурҡма! Ас!»Асия ҡарсыҡ ҡатаһын шипылдатып һөйрәп килеп салтыратып элмәкте ысҡындырып ебәрҙе лә, ҡараңғыла күрмәгән күҙҙәрен секерәйтеп килененә төбәлде: — Нимә булды, килен, ҡалай ҡурҡыттың?— Булманы… Хәл белергә килдем. Һаумыһың.— Аһ-аһ, әбешне ял көндәре килгәсегеҙ ней, әллә Заһирыма, балларға бер-бер хәл булдымы тейем әле. Һаумыһың, килен, һаумыһың. Әйҙә-әйҙә, инә һалайыҡ, - әбей йылдам ғына боролоп алдан төштө.Инделәр. Ҡәйнәһенең ике яҡлы ҙур булмаған өйө йылы, йәмле, бында егәрле, бөтмөр кеше йәшәгәнлеген белдереп, сағыу әрмәкле урындыҡтан башлап, стенеларҙағы кәртешкәләргә тиклем ҡот, нур бөркөп тора.Ҡәйнә газына сәй ултыртып ебәрҙе, «Эштән тура киләңдер бит» тип соландан кескәй кәстрүл менән ашын индереп йылытырға ҡуйҙы. Урындығына ашъяулығын йәйеп, икмәк-шәкәрен теҙҙе лә, үҙе «өҫтәл»енең мөйөшөнә бер тубығын бөкләп, икенсеһен күтәреп итәге менән ҡаплап, ултырып алды.— Йә, килен, шыл быяҡҡа, нимәһен ҡурҡҡан шикелле ултыраһың.— Ултырам инде, ҡәйнәм, хәлем шулай…— Хәлеңде ней, күреп торам. Бушҡа һуңғы ваҡыт төшөм болармайҙыр тейем шул. Әй, баҡшы* бит үҙем шул яҡҡа. Йә, нимә булды?Фәриҙә әйтәһен нисек башларға белмәне:— Булды инде, ҡәйнәм, булды… - күҙ йәштәре һүҙен быуҙы.— Ни нәмә, килен, иреңдән юҡ-бар хәбәр килтерҙеләрме әллә? Шундайға йәш түгеп илап ултырма тип күпме өйрәтәм һине, ир заты тупһа ашатлаһа – буйҙаҡ. Аларҙың асылы, фиғеле шулай. Үҙеңә ипте булғас, балларҙы ҡарашҡас, аҡса эшләп йөрөгәс шөкөр тиң дә ҡуйсәле…— Ул түгел әле бында… Аның ҡайғыһы төштән кире. Фәниә эштәр бешерҙе бит, ҡәйнәм.— Фәниә?.. Ал балаға ней булған?— Ауырға ҡалған. Алдырырҙан үткән инде. Егете өйләнгәндәй түгел. Ҡалайтабыҙ?Асия әбей нисек ҡабул иткәндер был хәбәрҙе, һәр хәлдә эсендәгеһен тышҡа сығарманы, әйткәнде ишетмәгәндәй тора һалып ҡапҡасын бейетеп алып киткән баҡырсаһын уттан алып сәй бешерҙе, тәрилкә менән туҡмас алып килде лә, урынына менеп ҡунаҡланы. Унан уйлана биреп кенә:— Тоҡомда тыума тапҡандар юҡ ине әле… - тип ҡуйҙы.Фәриҙә аңлай алмай сабырһыҙланды:— Нимә тейең шул, кем тейең?— Тыума тейем, тыума. Никахһыҙ, ирһеҙ көйө йөрөп тапҡан баланы шулай тейҙәр ине элек.— Ыста… тәүгә ишетәм.— Тыуманы тыумаҫ борон быу, тигән булырҙар, тыума бала ятҡан сәңгелдәккә никахлы балларҙы һалдырмаҫтар ине. Эй Алла, хәҙер килеп тыуманың да ояты үтте, ана бит кем, нимә икәнен дә белмәйһегеҙ.— Ҡуй әле, ҡәйнәм, әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмәләр һөйләп ултырма, былай ҙа эсемдә ут. Атаһына ҡалайтып ҡына әйтермен икән?— Әйтәһең инде, йәшереп ҡуйыр эш түгел. Ана шул айырым сыҡмағыҙ тип тә күпме әйттем һеҙгә, килен, тыңламанығыҙ. Йәштәр әбей-бабайҙан арынырға ғына тора шул. Өйөгөҙҙә күҙ булып ултырһам да белә-күрә инем, үҙегеҙ көнө-төнө эштә бит инде. Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый, тип нимәгә әйткәндәр тейһең? Борон ҡыҙҙы ҡытаҡлай башлау менән кейәүгә биреп дөрөҫ иткәндәр ул.— Әллә… балаһын балниста ҡалдыртайыҡ та ҡуяйыҡмы… Уф! Аптырағандан әйтәм инде…— Ҡа-ай, быныһы бер гонаһ булһа, уныһы мең гонаһ булыр, килен. Ул хәҙәрем рисауай булмайыҡ. Ярай. Беҙ һыҡтағандан эш үҙгәрмәй. Мирҙа булмаған хәл түгел. Үҙегеҙ ҙә йәшһегеҙ әле, яңы ҡырҡҡа баҫаһығыҙ, тағы бер баланы ней, күтәрерһегеҙ. Фәниә - алмалай ҡыҙ, яҙған булһа, кейәүе лә булыр, яҙмышы ла яйланыр.Ҡәйнәһенән күпкә тынысланып, бәләһен күтәрешерҙәй таяныс, бысраҡҡа ҡолап уҡ китмәҫтәй терәк табып, саҡ ҡына булһа ла йәне йыуанып сыҡты Фәриҙәнең. Салт аяҙ күктә баҙырашҡан йондоҙҙарға ҡарап: «Ҡалай ғына булһа ла ҡәйнәм аҡыллы шул»,- тип уйланы.Ә теге баланы нимә тине һуң әле? «Тыума» тинеме? Бына инде, нимә тип атарға белмәгән нәмәгә лә исем табылды. Тыума. Ҡалай хәтәр, ҡурҡыныс атама. Тыума… Бахыр йәнде ризалыҡһыҙ, рөхсәтһеҙ яралғаны өсөн яҡты донъяға сығармау өсөн «тыума», йәғни ҡарында уҡ үлһен, төңөлһөн, юғалһын тип шулай мөһөрләгәндәрҙер. Ҡалай яңылышҡан, хаталанған әҙәмдәргә, хатта тыумағандарына ла ҡанундар ҡаты булған икән. Ә уйлап ҡараһаң, ул йәнде Хоҙай Тәғәлә үҙе яралтҡан түгелме, шулай булғас, ябай әҙәмдәр нисек уға «Тыума!» тип бойороҡ бирә, юлын быуа ала? Юҡ, ҡалай ғына екһенһә лә, нисек кенә ҡабул итә алмаһа ла, Фәриҙә уға «тыума» тип әйтә алмай, әлегә «тыу» тиергә лә теле әйләнмәй, әммә «тыума» тип һис шикһеҙ әйтмәйәсәк ул.* * *Бер нисә көндән иренә шылтыратҡайны. Башта хәл-әүәл һораштылар, ул-был яңылыҡтарҙы һөйләштеләр, унан Фәриҙә бар көсөн йыйып әйтәһен әйтте. Ире бер һүҙ ҙә өндәшмәне, бары трубканан бер туҡтауһыҙ «Ҡһым… ҡыһым…» тип тамаҡ ҡырғаны ғына ишетелде. Шулай бер минуттай торҙо-торҙо ла әллә һөйләшергә теләмәй, әллә һөйләшә алмай элемтәне өҙҙө. Ҡатын тағы ла бер бәйләнешкә инеп ҡарағайны – алманы. «Ярай… ярай, - тип тынысландырҙы үҙен Фәриҙә, - бер аҙ үҙенә килһә шылтыратыр.» Әммә шылтырау бер айҙан да булмағас, ул ғына ла түгел, ире вахта араһындағы ялына ла ҡайтмайса эшендә ҡалғас, ҡатын тамам хайран булды. Тик борсолоуын өйҙә белдермәне. Быға үҙ сәбәптәре бар: беренсенән, әлеге лә ҡыҙы үҙен тағы ла бер бәләгә ғәйепле тойоп йәш ҡоясаҡ, икенсенән, был хәлде малайҙары аңламаясаҡ. Шуға ла ҡәйнәһенең «Ҡай бер бисә күтәргәндәй ҡайғыны ирҙәр күтәрә алмай шул. Ярар. Сабыр итегеҙ. Ҡайтыр, үҙ балаһы бит, минең ҡәйнәм-бахыр «Бала хаҡына батҡаҡ ашарһың» тигән була торғайны әле», - тип йыуатыуына күнеп, яҙмышына баш эйҙе.Малайҙарға ла был эште аңлатыу әллә ни еңел булманы. Һуңғы ваҡытта улар өйҙә ниндәйҙер сер йәшәүен аңғарғайнылар инде, апайҙарына ла ҙурыраҡ икәүһе әленән-әле аптыраулы ҡараштарын төбәп-төбәп алыр булып китте. Ҡыҙҙағы үҙгәрештәрҙе улар ҙа күрә йөрөнө, ләкин эштең тап нимәлә икәнлеген генә төшөнөрлөк түгелдәр ине.Фәриҙә сәй артында аңлашып алырға булды. Ҡыҙынан тыш барыһы ла өҫтәл янына йыйылғас, ябай ғына итеп әйтте:— Малайҙар, тиҙҙән беҙҙең өйҙә бәпәй буласаҡ.Балалар кемеһе ҡалағын һуҙған, кемеһе сынаяғын күтәргән килеш ҡатып ҡалды, күҙҙәр серт-серт итеп әсәйгә төбәлде. Фәниәгә етә килгән өлкән улы Фәһим асыҡламаҡсы булды:— Ҡайҙан?Фәриҙә тауышына трагик тон сығармаҫҡа тырышты:— Бәпәйҙең ҡайҙан килгәнен белмәйһегеҙме ни?Һүҙгә икенсе улы Заһир ҡушылды:— Беләбеҙ ҙә ул… Һин алаһыңмы… бәпесте?— Юҡ, мин түгел, Фәниә апайығыҙ аласаҡ.Быныһына инде малайҙар бөтөнләй телһеҙ ҡалды. Ахырҙа бәләкәйе Закир бер аҙ һушына килеп:— Апай кейәүгә сығамы әллә? – тип һорай алды.— Юҡ, - тине әсә, - кейәүгә сыҡмайса ғына бәпес ала.— Улай буламы ни, - тип аптыраны улы.— Була икән, улым, була…Фәһиме бурҙаттай ҡыҙарҙы:— Кем ул, әсәй?! Мин уны тотоп…Әсә өҙә һуҡты:— Берәүҙе лә тотмайһың, Фәһим, ул әҙәм юҡ инде бын да, киткән, юҡ.Буйсанланып егет ҡорона инеп барған, танау аҫтына ҡара һыҙыҡ йүгереп, тауышы ҡалынайып киткән өлкән малайы ғәрлегенән, асыуынан, тетрәнеүенән тышҡа атылып сыҡҡан йәштәрен ҡул һыртына йәшерҙе:— Вот апай дура!— Бына нимә, малайҙар, - әсәнең тауышында тимер сыңы сыңлап китте, - дурамы-түгелме ул һеҙҙең апайығыҙ һәм уға бөгөн һеҙгә ҡарағанда бишләтә-унлата ауырыраҡ. Беҙ иң яҡын кешеләре лә баш борһаҡ – нимә ҡала? Шулай йәнһеҙме ни һеҙ? Апайығыҙҙан яңылышҡаны өсөн генә баш тарта алаһығыҙмы? Әллә һеҙгә ғорурлыҡ ҡәҙерлерәкме?!Был эштең асылын тулыһынса төшөнөп етә алмаған ҡустылары «Нимә әйтербеҙ?» тигәндәй ағайға ҡараны. Ағай кеше хас та ысын ирҙәрсә, ағыр йәштәрен эскә йотоп, ситкә ҡарап тупаҫ ҡына итеп:— Кем улай тей? – тине лә, һуҡ бармағы менән ебеп киткән танауын шырылдатып һыпырғас, - Апайға берәй нәмә әйтеп ҡараһындар… - тип билдәһеҙ кешеләргә ҡаты янап ҡуйҙы.* * *Фәриҙә һуң ғына ҡыҙының бүлмәһенә инде. Тегеһе сәскәле яҫтыҡҡа ҡара ебәк сәстәрен һирпеп ебәреп, ҡупшы беләктәрен баш аҫтына яҫтап, иҫһеҙ йоҡлай. Өҫтәл өҫтөндәге төнгө лампаның тоноҡ нуры тимгел-тимгел тутлана башлаған мәрмәрҙәй аҡ йөҙөн, ситтәренә һоро күләгә ултырып киткән йомоҡ күҙҙәрен, бер аҙ төҫөн юғалта биргән алһыу ирендәрен аса. Йылмайғандай ҙа инде әллә? Йылмая шул. «Әйҙә, баламдың исмаһам төштәре ҡыуаныслы булһын»,- тип уйлап ҡарап торҙо Фәриҙә.Ул әлегә белмәй ине. Әлбиттә, белә лә, уйлай ҙа, күҙ алдына килтерә лә алмай ине. Бер нисә айҙан ошо бүлмәлә сабый тауышы ишетелеүгә барыһының да ҡыуанасағын, ҡыҙының бәпесе менән бергә терелә, күтәрелә, күркәмләнә барасағын, иренең аңлаясағын, ғәфү итәсәген, күпмелер ваҡыттан шул баланың барыһының да күҙен, күңелен йәмләр, яратып туйғыһыҙ ғәзиз, ҡәҙерле йән буласағын һәм уның бер ваҡытта ла үҙе менән бергә тыуған «тыума» атамаһын ишетмәйәсәген ул белмәй ине. Әлегә… Миләүшә Ҡаһарманова Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Бөрйән районының мәғариф бүлеге планына ярашлы, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм “Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ” республика программаһына ярашлы, Иҫке Собханғол урта мәктәбендә “Мәктәп музейы һәм туризмды, тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу” тигән темаға райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәренең семинар-кәңәшмәһе үтте. Сәләмләү һүҙе менән райондың мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғәйәз улы Сәйфитдинов сығыш яһағандан һуң, Балалар ижады үҙәге етәксеһе Инзирә Вәхит ҡыҙы Ишбулатова, мөһим сарала ҡатнашыусылар менән таныштырып, алда торған эштәрҙә уңыштар теләне. Артабан мәктәп музейҙарын паспортлаштырыу һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр араһында топонимика муниципаль конкурсына бәйле яңылыҡтар тураһында мәғариф бүле­генең методика кабинеты мөдире Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаеваның сығышы тыңланды. “Мәктәп музейҙарының туризмды, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эшмәкәрлеген үҫтереүҙәге роле. Музейҙа проект эше. Мәктәп музейҙарын ГИС системаһында теркәү. Бөрйән районында балалар туризмын үҫтереү перспективалары” темаһына презентация оҙатыуындағы доклад аша Балалар үҙәге педагогы Д.Й. Нәҙершина бик бай мәғлүмәт еткерҙе. Бөрйән районының мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Сәйфитдинов кәңәшмәне йәнле әңгәмә, фекер алышыу рәүешендә алып барҙы. Бәләкәй Ҡыпсаҡ сайырсылыҡ музейы етәксеһе, “Бөтә Рәсәй күләмендәге иң яҡшы музей” гранты эйәһе Фәрзәт Мөхәмәтйән улы Ҡаһар­манов гранттарҙың музейҙарҙы өҫтәлмә фи­нанс­лауҙа иң уңышлы юлдарҙың береһе булғанын айырып әйтеп үтте. Музейҙы иң юғары кимәлгә еткереп, зауыҡлы итеп биҙәү, экспонаттарҙы дөрөҫ урынлаштырыу, документ­тарҙы һәм башҡа эштәрҙе теүәлләү, музейға халыҡты йәлеп итеү, даими экспонаттар туплау, үткәнде өйрәнеп, йәш быуынға ныҡлы йүнәлеш биреү музей эшмәкәрлегенең иң мөһим бурысы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды ул үҙ сығышында. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Бөрйән райо­нында балалар туризмын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ла фекер алышты. Был һөйләшеүҙә Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Әхәт Әбдрәхим улы Әбдрәхимов, райондың билдәле тыуған яҡты өйрәнеүселәре, ошо юҫыҡтағы китап авторҙары, Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Зиннәт улы Аллабирҙин, Иҫке Собханғол мәктәбенең тарих уҡытыусылары Баязит Ғибат улы Йәғәфәров, шулай уҡ музей етәксеһе Нәсимә Әнүәр ҡыҙы Шәрәфетдинова, Байназар мәктәбенең география уҡытыусыһы, фәнни-методик эш буйынса директор урынбаҫары Фәнил Ғәйәз улы Мөхәмәтйәновтар ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе заман шарттарына яраҡлашып, музейҙарҙың эшенә яңы һулыш өрөү, аҡса эшләп, матди етешлеккә ынтылыу, алға китеш юлдарын эҙләү, финанслау мәсьәләһен юлға һалыу зарурлығын билдәләне. “Тәрбиә, педагогик тәьҫир йәһәтенән музейҙарҙың әһәмиәте бик ҙур. Халыҡтың рухи мираҫын һаҡлаған музейҙар кешеләрҙең күңелендә тарихи ҡиммәттәргә, мәҙәни байлыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалмай, ә уларҙы һаҡлау кәрәген иҫкәртә. Маҡсат бер: олуғ тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеп, йәш быуынды рухи яҡтан бай, ижади һәләтле, юғары мәҙәниәтле ысын шәхестәр, илһөйәрҙәр итеп үҫтереү. Был йәһәттән музейҙарҙың да роле баһалап бөткөһөҙ. Айырыуса мәктәп музейҙарының йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөмкинлектәре шул тиклем ҙур. Ундағы һәр экспонат, ишеткән-күргән бала күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, илһөйәрлек хисе уята. Музейҙы биҙәгәндә уның эстетик зауығына етди иғтибар итергә кәрәк. Ул эстәлеге, матурлығы менән һәр кемде үҙенә йәлеп итерлек булырға тейеш. Музейҙарҙы үҫтереүгә гранттар ҡаралған. Ошо мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашыу зарур. Районда барған топонимика буйынса конкурс яңы мәғлүмәттәр асыуға, ер-һыуыбыҙ атамалары тарихын бер урынға туплауға ҙур аҙым булыр. Тыуған яҡты өйрәнеүгә тос өлөш индергән музей етәкселәре, данлыҡлы уҡытыусылар Азат Ғизетдин улы Муллағолов, Флүзә Йомағужа ҡыҙы Ишморатова һәм башҡа ветерандарыбыҙҙың изге эштәрен һөҙөмтәле дауам итерһегеҙ, тип ышанам”, – тине үҙ сығышында мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов. Эйе, ҡайҙалыр булмағанды бар итеп, яһалма ҡаяларҙы, мәмерйәләрҙе ысын һымаҡ итеп эшләп, бәләкәй генә нәмәне лә ҙур итеп күрһәткән, халыҡты йәлеп иткән музейҙар ҙа юҡ түгел. Ә беҙҙә барыһы ла тәбиғи. Тик ошо мөғжизәләрҙе, матурлыҡты, тарихи ысын­барлыҡты күрһәтә белергә лә кәрәк. Тарихи ҡомартҡыларҙы рекламалау ҙа – заман талабы. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ әлегә музейҙарыбыҙ нигеҙендә аҡса эшләй белмәйбеҙ. Ә бит бөтә нәмә финансҡа барып төртөлгән заманда йәшәйбеҙ. Быны оноторға ярамай. Шул ваҡытта ғына алға китеш буласаҡ. Был тәңгәлдә беҙҙең район мәғариф бүлеге етәкселеге, теҙгенде ныҡлы тотоп, музейҙар эшенә етди иғтибар бүлә. Быға тиклем бындай кәңәшмәләр Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы мәктәптәрендә үткәйне. Һөҙөмтәһе, әлбиттә, бар. Иҫке Собханғол мәктәбендә ойошторолған әлеге кәңәшмә лә артабанғы эшебеҙ өсөн этәргес булырына шикләнмәйбеҙ. Сәйҙә СӘЙӘХОВА. Бөрйән районы. Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәре буйынса, 15 сентябргә тиклем Башҡортостанда йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡлана. Өфөлә көндөҙ һауа +17, +28 градусҡаса йылына, төндә термометр бағанаһы +8-ҙән түбән төшмәй. 11-12 сентябрҙә бер аҙ яуым-төшөм фаразлана, айҙың тәүге яртыһындағы ҡалған көндәрҙең ҡояшлы һәм ҡоро булыуы, елдең талғын, секундына 14 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә. 15 сентябрҙән һуң республикаға көҙгө һауа торошо килә. 16-һынан һуң Өфөлә ямғырҙар фаразлана, көндөҙгө сәғәттәрҙә ҡалала елле була һәм +8-12 градусҡа тиклем һалҡынайта. Метеофараздар мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге күп кенә төбәктәрҙә сентябрҙең тәүге яртыһы аномаль йылы булыуы көтөлә. Илдең ҡайһы бер субъекттарында көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа температураһы уртаса климатик норманан 5-6 градусҡа юғарыраҡ була. Метеорологтар бындай һауа торошо аномалияларын глобаль йылыныу процесы тәьҫире менән бәйләй. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында фиҙакәрлек күрһәтеп эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары бүләктәр тапшырыу тантанаһы булып уҙҙы. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Аҡ халатлыларға – юғары наградалар Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында фиҙакәрлек күрһәтеп эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары бүләктәр тапшырыу тантанаһы булып уҙҙы. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Бөгөн тапшырылған наградалар – республика халҡы ғүмере һәм һаулығы һағында тороусы аҡ халатлыларҙың көндәлек ҡаһарман хеҙмәте өсөн сикһеҙ рәхмәт сағылышы, тип билдәләп үтте Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, уларҙы тәбрикләп. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн республикабыҙҙың 46 медицина хеҙмәткәре юғары баһаларға лайыҡ булды. “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” II дәрәжә орденының миҙалы менән Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Клиник-диагностика инфекция үҙәгенең лаборатор-диагностика бүлеге мөдире Резида Усманова бүләкләнде. Лука Крымский миҙалына 31 медицина хеҙмәткәре лайыҡ булды. Араларында – дауаханаларҙың баш табиптары ла, бүлек етәкселәре лә, табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, фельдшерҙар ҙа бар. Тантанала Рәсәй Президентының Почет грамотаһын, Рәхмәт хатын, “Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем алып ҡыуаныусылар ҙа булды. Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ил башлығы Роспотребнадзорға 5 майға 12 майҙан башлап карантиндан этаплап сығыу планын әҙерләргә ҡушты. Владимир Путин коронавирусҡа бәйле хәл буйынса төбәк башлыҡтары менән кәңәшмәлә ял көндәрен һәм изоляция режимын 11 майға тиклем оҙайтыу тураһында иғлан итте (6,7,8 майҙа ла ял була) һәм хөкүмәткә, Роспотребнадзорға 5 майға 12 майҙан башлап карантиндан этаплап сығыу планын әҙерләргә ҡушты. «Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе һәм иҡтисадҡа булышлыҡ итеү буйынса яңы план, шулай уҡ граждандарҙың килемен тергеҙеү һәм иҡтисадты үҫтереү буйынса күләмле эш планы кәрәк», — тине Рәсәй президенты. «Туҡтата алдыҡ, ләкин хәл ҡатмарлы булып ҡала. Ауырыуҙың юғары нөктәһенә етмәгәнбеҙ. Көрәштең иң көсөргәнешле этабы алдында торабыҙ, хәүеф һаҡлана һәм уның һәр кемгә ҡағылыуы ихтимал», тип билдәләне ул. Дәүләт башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына илдәге һәм төбәктәрҙәге хәлде даими күҙәтеп барырға ҡушты. «Беҙ ваҡиғалар үҫешенең теләһә ниндәй сценарийына әҙер булырға тейешбеҙ», — тине Владимир Путин. Фото: kremlin.ru http://www.bashinform.ru/news/1445114-vladimir-putin-poruchil-podgotovit-plan-poetapnogo-vykhoda-iz-karantina-s-12-maya/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Иглин район советы депутаттары үҙәк район дауаханаһына дүрт кер йыуыу машинаһы һәм бинаны санитар эшкәртеү өсөн өс распылитель бүләк итте. Ошо көндәрҙә Иглин үҙәк район дауаханаһы COVID-19 ауырыуын дауалау госпитале функцияларын үтәй башланы. Депутаттар дауалау учреждениеһына бөгөнгө көндә нимә кәрәклеген асыҡланы. Унан һуң аҡса йыйып, дүрт кер йыуыу машинаһы һәм бинаны санитар эшкәртеү өсөн өс распылитель һатып алды. Әлбиттә, госпиталь ауырыуҙы дауалау өсөн кәрәк булған бөтә ҡорамалдар, һаҡланыу саралары менән йыһазландырылған. Палаталарға кислород үткәрелгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлектәр буйына дауаханала буласҡ, улар ике аҙна һайын ғына алышынасаҡ. Госпиталь хеҙмәткәрҙәре ятаҡта йәшәйәсәк. Персонал өсөн көнкүреш хеҙмәтләндереү шарттары булдырырға кәрәк. Шуға күрә был бүләктәр бик ваҡытлы. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас депуттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
50 көндә төҙөп бөтөргә, тигән маҡсат тормошҡа ашмаҫлыҡ кеүек күренһә лә, Башҡортостан был эште атҡарып сыҡты. Республикала һанаулы ғына көндәрҙә ике өр-яңы инфекция дауаханаһы төҙөлдө. Һөҙөмтәлә, меңәрләгән ғүмерҙәр ҡотҡарылды, ауыр вирус менән көрәшеүҙә уңыштарға өлгәшелде. Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендәге был тәжрибәһен башҡа төбәктәр үҙләштерә башланы. Бөгөн киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында “Спасительный курай” тапшырыуын ҡарағыҙ. Ул тап ошо темаға бағышлана. 50 көндә төҙөп бөтөргә, тигән маҡсат тормошҡа ашмаҫлыҡ кеүек күренһә лә, Башҡортостан был эште атҡарып сыҡты. Республикала һанаулы ғына көндәрҙә ике өр-яңы инфекция дауаханаһы төҙөлдө. Һөҙөмтәлә, меңәрләгән ғүмерҙәр ҡотҡарылды, ауыр вирус менән көрәшеүҙә уңыштарға өлгәшелде. Башҡортостандың төҙөлөш өлкәһендәге был тәжрибәһен башҡа төбәктәр үҙләштерә башланы. Бөгөн киске сәғәт 7-лә Башҡортостан юлдаш телеканалында “Спасительный курай” тапшырыуын ҡарағыҙ. Ул тап ошо темаға бағышлана. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Джейн Фонда- данлыҡлы актриса, АҠШ-тың Вьетнамда алып барған һуғышына ҡаршы актив көрәшсе- мемуарҙарында ошоға бәйле ваҡиғаларҙы йыш иҫкә төшөрә. Фонда ҡаршылыҡ демонстрацияларына сыға, джунглиҙа американлыларға ҡаршы алышҡан хәрби контингетта була. Вьетнамда һуғышып йөрөүселәр ул саҡта Фонданы күрә алмай. Америкаға ҡайтҡас, улар Фонда ҡатнашлығындағы фильмдарға бойкот иғлан итергә саҡыра. Бөгөн ул осор хаҡында спектаклдәр ҡуялар. Шундай әҫәрҙәрҙең береһе Джейн Фондаға бағышланған. Уның ролендә- Анн Арчер, инсценировка авторы- Терри Джастроу. “Беҙ бергә эшләнек, ул беҙҙең йортҡа килде, беҙ бер нисә сәғәт һөйләшеп ултырҙыҡ, бик мөһим деталдәрҙе аңлатып, ул миңә ҙур ярҙам күрһәтте. Ул барыһын да дөрөҫлөккә тап килтерергә тырышты, аңлашылмаған, ҡаршылыҡлы фекер уятырҙай нәмәләр булмауына ынтылды,”-ти“The Trial of Jane Fonda” спектакленең драматургы һәм сәхнәгә ҡуйыусыһы. Фонда Ханойҙа 72 йылдың июлендә була, һауа һөжүменән һаҡланыу батареяһын барып күрә, үҙ сығыштарында шул саҡтағы Америка власын “хәрби енәйәтселәр” тип атай.“ Шул арҡала уға күптәр ҡаршы сыға. Джейн Фонда ролен башҡарған актриса Анн Арчер бына нимә ти: “Ҡыйыулығына һоҡланһам да, мин уға ҙур һәм етди хаталар эшләүе хаҡында ла әйттем, уларҙы әле булһа иҫләйҙәр. Ул хаҡлы түгел икәнлеген таный. Мин уға бик әҙ оҡшағанмын, шул иҫәптән холҡобоҙ ҙа төрлө: мин тормошҡа тыныс ҡарайым, ә ул күтәрелгән тәте һымаҡ. Джейн тотонған эшенә бөтә күңеле менән бирелә. Ул тормошта ла, һөнәрендә лә шулай.” “The Trial of Jane Fonda” спектакле традиция буйынса йәй аҙағында үтәсәк Эдинбург афишаһында ла бар. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Әсәлек капиталы беренсе бала тыуғас та тапшырыла башлай. Рәсәй президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын киңәйткән законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталына һылтанма менән ТАСС хәбәр итте. Документҡа ярашлы, программа 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла. Ике балалы ғаиләләр өсөн түләү күләме арта. Шулай уҡ түләүҙәрҙе йыл һайын индексациялау ҡаралған. Капиталды 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаһы тыуған йәки уллыҡҡа алған ғаиләләр алырға мөмкин, уларға 466 617 һум түләнә. Икенсе һәм артабанғы бала донъяға килгән йәки уллыҡҡа алынған осраҡта түләү күләме 616 617 һум була. Ғаиләләрҙең әсәлек капиталын торлаҡ һалыуға йәки реконструкциялауға (шул иҫәптән баҡса участкаларында) йүнәлтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Быйыл Рәсәйҙә миллиондан ашыу ғаилә беренсе һәм икенсе балаға аҡса алыр тип көтөлә. #ВладимирПутин Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Һабантуй элек- электән ауыл хужалығы эштәренең тамамланыуын билдәләгән байрам. Республикабыҙҙың көнъяғында урынлашҡан Йылайыр районы хеҙмәтсәндәре быйылғы сәсеүҙе тәүгеләрҙән тамамлап, республикалағы һабантуйҙар парадын башлап ебәрҙе. Бөгөн төбәк эшсәндәрен район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов сәләмләне. - Һабантуйҙа тәү сиратта ауыл хужалығында тир түккән кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ. Шулай уҡ тармаҡ, хеҙмәт ветерандарына ҡотлау сәләмдәремде еткерәм,- тине Борис Николаевич. Мәғлүм булыуынса, иртәгә һабантуйҙар бер юлы 25 районда уҙғарыла. Һабантуйҙар парадын бер аҙ тәнәфес менән 10 июлдә Ишембай районы хеҙмәтсәндәре тамамлай. Байрам сараларында кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә, дезинфекция үткәреүгә иғтибар көслө буласаҡ. Һабантуйҙа ҡатнашыусыларға битлектә йөрөү кәңәш ителгән. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Элек башҡорт ғаиләләре күмәк балалы булған. 4 – 5 бала аҙ һаналған. «Көн дә бер мейес икмәк, ашты биҙрәләп бешерәһең. Балалар ҙурайып, ҡул араһына инә баралар, бәләкәстәрен ҡарашалар, ә һин, имсәк балам бар, тип тормай колхоз эшенә йүгерәһең», – бер инәйҙең ошолай тип әйткәне хәтерҙә. Бөгөн дә аҙ булһа ла, бар ишле ғаиләләр. Һоҡланабыҙ ҙа, күҙ теймәһен, тип ҡуябыҙ улар тураһында һөйләгәндә. Берәтәк ауылында ла Эльвира һәм Ишкилде Фәхрийәновтар 11 бала тәрбиәләп үҫтерә. Иң ҙур ҡыҙҙары Айзиләгә йәйгә 18 йәш туласаҡ. Мәктәптә уҡыған балалары бишәү. Дилә – IX, Әлиә – VI, Ишморат – IV, Илмир – II, Азалиә I cиныфта белем ала. – Элек игеҙәк балалар күрһәм, һоҡланып ҡарай торғайным, – ти Эльвира. Хоҙай сәскә кеүек ике игеҙәк ҡыҙ ҙа бүләк иткән: Илзидә менән Гөлзидәгә – бишәр йәш. Инсафҡа 4 тула, Нурисламға иһә – 2 генә йәш, ә иң кеселәре Динислам 6 айлыҡ ҡына әле. Бер-береһенә терәк, ярҙамсы булып үҫеп киләләр. – Тәүҙә бер нисә йыл бала­быҙ булмай торҙо, шунда те­ләк теләгәйнем, Аллаға шөкөр, тормошҡа ашты, – ти бәхетле әсәй. Ғаиләләре ишәйгән һайын өйҙәрен дә төкәтмә төҙөп ҙурайта бара Фәхрийәновтар. Балаларына бөтә шарттарҙы ла булдырырға тырышалар. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтәләр. Ҡыҙҙар бәйләй, аш-һыуға оҫта әсәләрен дә уҙҙырып ебәреп, ҡамыр аштарын да бешерәләр. Ниндәй генә салат әҙерләмәйҙәр, пицца, бәлеш бешереү, компот яһау – бөтәһе лә ҡулдарынан килә ҡыҙҙарҙың. Икмәкте лә үҙҙәре һала. Хәҙер Айзилә апайҙары Белоретта медицина колледжында уҡығас, был эш Дилә иңендә. Әсәйҙәре буҙа ла эшләй. Үҙҙәре өсөн дә, һатыр­ға ла. Йәй етһә, баҡсала мул итеп йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Ишморат менән Илмир атайҙары менән бесәнгә йөрөй. – Утын ташыу, мунса яғыу, мал ҡарау кеүек тыштағы мәшәҡәттәр ошо малайҙар елкәһендә инде. Атайҙары ауылда төрлө эштән бушамай. Ҡыҙҙарыбыҙ өйҙә ярҙам итә. Балалар йәйҙәрен еләк йыйырға йөрөй. Ҡайһы саҡ күмәкләп бишәр биҙрә алып ҡайтабыҙ, ҡайнатма ла ҡайнатабыҙ, һатырға ла етә. Күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Ҡыйын, тип әйтмәйем, тырыш­һаң – бөтәһе лә була. Ҡоротто элек тә эшләй торғайным, былтыр ыҫлап та яһап һата башланым. Умарталарыбыҙ ҙа бар. Ауылда эш юҡ, тип тормайбыҙ, шөкөр итеп йәшәйбеҙ, – ти әсәй кеше. Бына бит ниндәй уңған, матур балалар тәрбиәләнә. Хөкүмәт тә ҙур ғаиләләрҙе ярҙамынан ташламай. Фәхрийәновтар «ГАЗель» урынына «Беларусь» алып ебәргән, ауылда тракторһыҙ ҙа булмай хәҙер, бесәнен дә, утынын да ташырға кәрәк. Мөхәббәтле өйҙә Сәңгелдәк ҡояш булып Эленеп торор Алтын сөйҙә... Шағирә Динә Талхина ҡайһылай матур әйткән! Был юлдар Фәх­рийәновтар ғаиләһенә лә тап килеп тора, шулай бит?! Һөйөклө балаларын матур итеп үҫтереүҙәрен, бәхет, һаулыҡ теләйек уларға. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәү­ҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәү­ҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Күптән түгел урам сатында һөй­лә­шеп торғанда ике йорт аша йәшә­гән күршенең ҡыҙы, кейәүе, уларҙың ике балаһы машина менән килеп туҡтаны. Уларҙы күргәс, Фәриҙә апай, күрмәмеш­кә һалышып, әйлә­неп торҙо. Тегеләр атай-әсәйҙәре йәшәгән йортҡа инеп киткәс, “Күрал­майым ошо ҡыҙҙы”, – тип уҫал итеп әйтеп ҡуйҙы. Бығаса гел яҡшы һүҙен ҡушҡан күрше ҡатын­дан бындай хәбәр ишеткәс, бер аҙ аптырап киттем. Баҡтиһәң, күптән түгел күсеп килгән кеше булараҡ, күршеләр араһындағы был күңелһеҙ, аяныслы тарихты белмәгәнмен икән. ...Алина менән Руслан бәләкәйҙән бергә уйнап үҫә. Тора-бара бала саҡ дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Һәр хәлдә эргә-тирә уларҙың киләсәген бергә тип күрә. Күрше йәшәгән атай-әсәйҙәр ҙә бер-береһен “ҡоҙа-ҡоҙағый” тип шаяртып ала. Мәк­тәпте тамамлағас, ҡыҙ – институтҡа, егет техникумға уҡырға инә. Тиҙҙән Русланды әрме сафына алалар. Ҡыҙ менән егеттең араһын хаттар бәйләй. Ләкин Рус­лан әрмегә китеп, бер йыл самаһы ваҡыт үтеү­гә, Алина институтта уҡыған егет менән дуҫ­лашып китә. Русланды яратмауын, улар араһындағы хистең бары тик бала саҡтан килгән дуҫлыҡ булыуын, уны алдап йөрөргә теләмәүен аңлатып хат яҙа. Тик... егет был хәбәрҙе күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала. Русланды бөтә урам менән зар илап һуңғы юлға оҙаталар. Ситтә һығылып илап баҫып тор­ған Алинаға егеттең әсәһе лә, туғандары ла бөтә уйлағанын әйтергә теләй, тик мәрхүмдең атаһы – һалҡын ҡанлы, аҡыллы Әсләм ағай алдан уларҙы ныҡ тыйған була. “Яратмағас, ниңә оҙатҡан? Ниңә хаттар яҙған? Яратмауын һуңлап аңлаған хәлдә лә, был хаҡта ҡайтҡас аңлашырға ла мөмкин ине бит...” – тип өҙгөләнә әсә һаман да. Ул ваҡиғаға тиҫтә йыл үткән. Алина кейәүгә сыҡҡан, ике балаһы бар. Алыҫ ҡалала йәшәй, һирәк-һаяҡ атай-әсәйе янына ҡайтып йөрөй. “Аҡылым менән аңлайым, ул да былай булы­рын, Русландың үлемен теләмәгәндер. Әммә уны күрһәм, йөрәгем урынынан ҡуҙғала. Кисерә алмайым... Аҡыл менән аңлаһам да, күңел һа­ман әрней...” – тине Фәриҙә апай, күҙенә йәш алып. Күршеләрҙең үҙ-ара аралашмауының, хатта бер-береһенә һаулыҡ та ҡушмауының сәбәбе бына ниндәй аяныслы ваҡиғаға барып тоташа икән... Эй, тормош... Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ul-yna-yeple-/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Ҡуҙылар өсөн аҙна бер төрлө генә килмәҫ. Йондоҙҙар һеҙгә тыныслыҡ һаҡларға кәңәш итә. Маҡсаттарығыҙҙа ирешеүҙә ҡаршылыҡтар осрар. Сәфәргә сыҡмай тороу хәйерле. Романтик мөнәсәбәттәр солғап алыр. Буға (21.04-21.05) Буғаларҙы проблемалы ғына аҙна көтә. Финанс мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булыр. Хроник ауырыуҙарығыҙҙың ҡуҙғыуы мөмкин. Һөйгәнегеҙ менән һүҙгә килһәгеҙ ҙә, тиҙ ярашырһығыҙ. Игеҙәктәр (22.05-21.06) Игеҙәктәрҙең дуҫтары менән мөнәсәбәттәре киҫкенләшер. Күңел асыу сараларына барыуҙан тыйылып тороғоҙ. Ғаиләлә бөтә нимәне кәңәшләшеп эш итерһегеҙ. Профилактик саралар сәләмәтлегегеҙҙе нығытыр. Ҡыҫала (22.06-23.07) Белем алыу, һөнәри оҫталыҡ арттырыу өсөн уңышлы мәл. Өй мәшәҡәттәре күбәйеп китер. Һөйгәнегеҙ көнләшеүен белдерер, аралар боҙолор. Күптәр үҙенә оҡшаған яңы шөғөл табыр. Арыҫлан (24.07-23.08) Мөхәббәт алғы планға сығыр. Һөйгәнегеҙ тураһында күберәк хәстәрлек күрерһегеҙ. Мираҫ һорауҙары менән шөғөлләнергә тура килер. Йорт эштәрендә яҡындарығыҙ һәр ваҡыт ярҙамсы булыр. Ҡыҙ (24.08-23.09) Эшкә барыуҙы яза кеүек ҡабул итерһегеҙ. Йәш быуын менән оло быуын туғандар араһында мөнәсәбәттәр еңелдән булмаҫ. Яңы дуҫтар табырһығыҙ. Оҙон юлға сығырһығыҙ. Йыш ҡунаҡҡа саҡырырҙар. Үлсәү (24.09-23.10) Тынысһыҙ аҙна килә. Яҡындарығыҙ менән бергә башҡарған эштәрегеҙ гел генә бәхәс тыуҙырыр. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу шарттары тыуыр. Төрлө шау-шыулы саралар әлегә һеҙҙең өсөн түгел. Саян (24.10-22.11) Һеҙ үҙегеҙҙә үҙгәрештәр тойорһоғоҙ, был эске донъяғыҙға сағылыш табыр. Һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Аҡсағыҙҙы әлегә экономиялау хәйерлерәк. Диетаға ултырыу ашҡаҙан сирҙәрен туҡтатыр. Уҡсы (23.11-21.12) Һеҙгә үҙегеҙҙе ҡулға алыу өсөн рухығыҙҙы нығытыу өҫтөндә эшләгеҙ. Күңел асыуға күп аҡса сарыф итерһегеҙ. Яратҡанығыҙ һеҙҙең башланғыстарҙа теләктәшлек белдерер. Сәләмәт тормош рәүешенә күсергә ваҡыт. Ылаҡ (22.12-20.01) Ылаҡтар был арала үҙҙәрен бик ышаныслы тотор. Кешеләрҙең фекерҙәренә ҡолаҡ һалмай, етди ҡарарҙар ҙа ҡабул итер. Тик яҡындарығыҙ менән ҡәтғи булмағыҙ, үпкәләтерһегеҙ. Ял көндәрен дуҫтарығыҙ менән үткәрерһегеҙ. Һыуғояр (21.01-19.02) Һеҙ иреклеккә ашҡынырһығыҙ. Бер кемде лә тыңламай, үҙегеҙсә генә эшләрһегеҙ, әммә бының ыңғай һәм кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Һөйгәнегеҙ күптәнге серен асыр. Һаулығығыҙҙы тикшертеп алыу ҡамасауламаҫ. Балыҡ (20.02-20.03) Бер аҙна эсендә генә теләктәрегеҙҙең барыһына ла ирешеп бөтә алмаҫһығыҙ. Бурысҡа аҡса алыу, бурысҡа биреү кәңәш ителмәй. Был арала уҡыу еңел бирелер. Туристик сәфәр өсөн уңышлы осор.
"Асылыкүл" тәбиғәт паркы тҽрриторияһында урынлашҡан Шарлама шарлауығы районда күптәргә таныш. Бында район халҡы ғына түгҽл, ә бөтә рҽспубликанан тиҽрлҽк ҡунаҡтар ял итҽргә килә. Бында ял итҽргә килҽүсҽләр өсөн бҽсҽдкалар, эскәмйәләр һәм, әлбиттә, һоҡланғыс тәбиғәт бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бҽр ял итҽүсҽләр үҙҙәрҽнән һуң сүп-сар өйөмдәрҽ ҡалдырырға, ағас ҡоролмаларҙы ватырға ярай, тип уйлай. Тәбиғәт паркы хҽҙмәткәрҙәрҽ, активистар һәм битараф булмаған ябай кҽшҽләр бында өмәләрҙҽ даими уҙғарып тора. Был юлы парк хҽҙмәткәрҙәрҽ ватыҡ өҫтәл-эскәмйәләрҙҽ йүнәттҽ һәм тҽрриторияны тәртипкә килтҽрҙҽ. Хәҙҽр тәбиғәттҽң был мөйөшө матурланып һәм йыйнаҡланып ҡалды. Ә бҽҙ бөтә ял итҽүсҽләр ҙә бындай матурлыҡты оҙаҡ һаҡлаһын инҽ тигән тҽләктә ҡалабыҙ. Ольга Юдина. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Латин Америкаһы — Америка илдәренең һәм ерҙәренең дөйөм атамаһы, роман телдәренән һәм (латин теленән барлыҡҡа килгән) рәсми телдәр ҡулланыла. Иң йыш ҡулланылған телдәр — испан һәм португал телдәре. Латинская Америка на карте Шулай уҡ икенсе термин Ибер-Америка, ибер-роман телдәрҙә аралашҡан илдәрҙе аңлата. Латин Америкаһына испанса һөйләшкән Америка илдәре — төньяҡта Мексиканан башлап көньяҡҡа Аргентинаға тиклем һәм шулай уҡ испанса аралашҡан Кариб диңгеҙе бассейндағы илдәр (Куба, Доминикан Республикаһы, Пуэрто-Рико) инә. Португал телендә аралашҡан Бразилия ла шул илдәргә инә. Француз телле Гаити, Сен-Мартен һәм Француз Гвианаһы илдәрен дә йыш ҡына Латин Америкаһы тип иҫәпләйҙәр. Ләкин француз телле Квебек провинцияһын (Канада) бер касан Латин Америкаһына индермәйҙәр. Инглиз телендә аралашҡан Америка илдәре (Ямайка, Барбадос, Багамы, Белиз, Гайана һ. б.) Латин Америкаһына индермәйҙәр. Ерҙә иң оҙон тауҙар системаһы Латин Америкаһында урынлашҡан, шуларҙы Анд тауҙары тип атайҙар, бында Котопахи вулканы урынлашҡан.
Башҡортостанда Башҡорт теле йылына һәм күренекле башҡорт шағиры, дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған «Бабич вариҫтары» асыҡ республика конкурс-семинары иғлан ителде. Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте белдерҙе. Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – башҡорт телендә шиғри әҫәрҙәр яҙған йәш таланттарҙы асыҡлау; киң ҡатлам уҡыусыларҙы нәфис һүҙгә ылыҡтырыу; ҡатнашыусыларға үҙҙәренең шиғырҙары менән халыҡ алдында сығыш яһау мөмкинлеге биреү; күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғри мираҫын пропагандалау; художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Конкурс ике этапта үткәрелә. Беренсе этап — ситтән тороп, унда теләгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн үҙең ижад иткән шиғырыңды [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Беренсе этап йомғаҡтары буйынса жюри икенсе этап өсөн иң яҡшы 24 авторҙы һайлай, лайктар һанына ҡарап тамашасылар һөйөүе призын алыусы билдәләнә. Конкурстың икенсе этабы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҙғарыла. Әлеге турға үткәндәр сәхнәлә тамашасылар һәм жюри алдында сығыш яһай. Шулай уҡ семинар, оҫталыҡ дәрестәре була. Икенсе этап йомғаҡтары буйынса жюри призлы урындарҙы билдәләй. Конкурс еңеүселәренә һәм лауреаттарына ҡиммәтле бүләктәр һәм махсус дипломдар тапшырыла. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, «Башҡорт телен ҡәҙерләйек», «Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы» төркөмдәре. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шағир, сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Юбилей саралары 2020 йылда ойошторола. http://www.bashinform.ru/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Баталина милли проекттарҙы илдең төп Законы — Конституцияға индерергә тәҡдим итте Депутат әйтеүенсә, милли проекттар илдең ресурстарын, потенциалын стратегик үҫеш маҡсаттарына йүнәлтергә мөмкинлек бирә. “Бөгөн беҙ милли проекттарҙың сираттағы этабын тормошҡа ашырабыҙ, — тине ул. — Президент күрһәткән өҫтөнлөклө йүнәлештәр халыҡ тарафынан да хуплау таба. Шуға күрә милли проекттарҙы өҫтөнлөклө дәүләт сәйәсәте булараҡ, ил Конституцияһына индереү ҡамасауламаҫ ине”. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Башҡортостанда май айы өсөн пенсия һәм башҡа социаль пособиелар түләү 2 майҙан башлана. Почта элемтәһе ойошмалары аша алғандарға 9 майҙағы байрам көнө өсөн 6, 7 һәм 8 майҙа түләнә, тип хәбәр иттеләр Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән. Банктарға пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсерелә. Апрель өсөн пенсияны финанслау ваҡытында һәм тулы күләмдә тамамланған. Быйыл апрелдә республикала пенсия түләү өсөн бөтәһе 20,3 миллиард һум йүнәлтелгән. Шуның 1,5 миллиард һумы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы һәм һуғыш ветерандарына түләү өсөн бүленгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе 1,2 миллиондан ашыу пенсионерға пенсия түләй. Уларҙың 64% пенсияны — банктағы иҫәпкә; 35,5% — Рәсәй почтаһы аша; 0,5% стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында һәм холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ала. http://www.bashinform.ru/bash/1445620/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Икенсе йыл инде тормошҡа ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты тураһында ишеткәндә йәки уҡығанда Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булған бер хәл иҫкә төшә. “Нисек беҙҙә, совет предприятиеһында?” – тип һорайбыҙ автолинияны ҡорорға килгән американдарҙан. Йәнәһе, күрәләрме икән беҙҙең иркен йөрөгәнде, мастерҙың күрһәтмәһен үтәү мотлаҡ булмауын, үткәргес ватыла ҡалғанда, тыштағы эскәмйәлә гәп һатып ултырыуыбыҙҙы. Ни тиһәң дә, эшселәр синыфына ҡарата рәхимһеҙ булған капитализм ҡоролошо түгел. Сит ил инженеры шулай тип яуап бирҙе: “Һеҙҙең заводтағы эш мәле беҙҙең предприятиелағы төшкө тәнәфесте хәтерләтә”. Бындай шарттарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген алдынғы илдәр кимәленә саҡлы күтәреү ни бары сәйәси лозунг булып ҡына ҡала ине. “Артыҡ” тауар буламы? Иҡтисадтағы төп күрһәткестәрҙең береһе итеп һәр саҡ хеҙмәт етештереүсәнлеген алдылар һәм артабан да шулай буласаҡ, сөнки конвейерҙан минутына мең дана сыҡҡан әйберҙең хаҡы, ошо арауыҡта йөҙ дана ғына сыҡҡан продукцияға ҡарағанда, һәр саҡ арзаныраҡ буласаҡ. – Беҙҙең иҡтисадты Европаныҡы менән сағыштырыу урынһыҙ: улар артыҡ тауарын нисек һатырға белмәй, ә беҙ ил кәштәләрен үҙ продукциябыҙ менән тултырып еткер­мәйбеҙ, – тигәйне күренекле иҡтисадсы ха­лыҡ-ара йыйындарҙың береһендә. Тауарҙы “артыҡ” етештереүҙең сәбәбе хеҙмәт етештереүсәнлегенең юғары булыуына барып тоташа. Ә беҙҙең илдә ул ни өсөн тиҫтәләрсә йыл буйы бик аҡрын үҫте һуң? Төп сәбәп – эштең һуңғы һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынмау. Яманаты сыҡҡан “уравниловка” бындай стимулдың эҙен дә ҡалдырманы. Совет предприятиелары етәкселеге лә ҙур табыш алыуға ынтылып торманы – бөтә килемде барыбер министрлыҡ үҙенә аласаҡ. Эш урындарын заманса яңыртыуға, етештереү­сәнлерәк ҡорамалдар ҡуйыуға аҡсаны ла үҙәк бирә. Кәрәк тип тапһа. Маҡсаттар билдәле Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты 2018 йылдың 24 декабрендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса советта раҫланғайны. Уның паспорты Рәсәй Президентының 2018 йылдың 7 майындағы “Рәсәй Федерацияһының 2024 йылға тиклемге милли маҡсаттары һәм стратегик үҫеш бурыстары тураһында”ғы Указына ярашлы әҙерләнгән. Был милли проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты итеп 2019 йылдың октябренән 2024 йылға тиклемге осорҙо билдәләгәндәр. Проекттың маҡсат­тары түбәндәгесә: 1. Сеймал етештереүгә ҡарамаған уртаса һәм ҙур предприятиеларҙа хеҙмәт етеш­тереүсәнлеген 2024 йылға кәмендә биш процентҡа арттырырға. 2. Рәсәйҙең был милли проектты тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән төбәк­тәре һанын 2018 йылдағы 16-нан 2024 йылға 85-кә еткереү. 3. Милли проектты тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән уртаса һәм ҙур предприятиелар һанын 2018 йылдағы 100-ҙән 2024 йылға 10 меңгә тиклем арттырыу. 620 мең эш урыны Башҡортостанда хеҙмәт етештереү­сәнлеген арттырыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәләрҙең береһендә республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн алдағы йылдарҙа юғары етештереүсәнле 620 мең эш урыны асыласағы йәки булғандарының заманса шарттарға ярашлы үҙгәртеләсәге тураһында әйткәйне. Шундай ҙур күрһәткескә өлгәшеү министрлыҡтар яғынан ғына түгел, эш биреүселәр тарафынан да үҙ-ара килешелгән ҙур тырышлыҡ талап итәсәк. Был осраҡта дәүләт власы яғынан изге теләктәр йәки күрһәтмәләр генә түгел, ә завод етәкселегенең ҡыҙыҡһыныусанлығы ла кәрәк. Бындай маҡсатлы эш алып барған предприятиеларҙы әле үк һанап китергә мөмкин. Өфө агрегат берекмәһенең һуңғы йылдарҙа дәүләт программаһы ярҙамында ҡорамалдарын һәм технологияларын заманса яңыртыуы продукцияның сифатына ғына түгел, ә етештереүсәнлеккә лә ыңғай йоғонто яһаны. Элек оборона сәнәғәтенә ҡараған бындай заводтарҙа эшселәрҙең оҫталыҡ кимәле башҡа тармаҡтар (хатта шул уҡ профилдәге машина эшләү предприятиелары) менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды, сөнки ил именлеге өсөн яһалған техник әйберҙәр насар сифатлы була алмай ине. Дәүләт уларҙың оҫталығын камиллаштырыу өсөн аҡсаһын йәлләмәне, эш хаҡын юғарыраҡ ҡуйҙы. Тиҙләнеш башланды Ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм эш урындарын камилыраҡ итеү хеҙмәт етештереү­сәнлеген арттыра икәнен иҫбатлап күрһәткән предприятиелар араһында “НефАЗ”, “Буринтех” һәм башҡа коллективтар ҙа бар. Октябрьский ҡалаһындағы “Басэт” компа­нияһы, мәҫәлән, милли проектҡа ҡушыл­ғандан һуң хеҙмәт етештереүсәнлеген 18 процентҡа арттырған. Заводта һырлы торбаларҙы эшләү процесын ҡулайлаш­тырғандар. Һаҡсыл етештереү принциптарын ҡулланыу эш процесы ваҡытын – 18 про­центҡа, артыҡ хәрәкәт итеүҙәрҙе 43 процентҡа ҡыҫҡартҡан. Шулай уҡ “Синтез-Каучук”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты” һәм “Контроль пакет” предприятиеларын да миҫал итеп билдәләргә була. “Синтез-Каучук” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Морозов әйтеүенсә, 2016 йылдан башлап предприятиела етештереүҙең күләмен һәм сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә байтаҡ эш атҡарылған. Уҙған йылда “Синтез-Каучук” хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, уның сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ мәшғүллекте хуплау буйынса төбәк программаһына ҡушылды. Эште ойоштороуҙың камиллаша төшөүе хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына килтерҙе. Заказсыларҙан ялыу-зарланыу осраҡтары кәмене. Башланғыс бөтә йәһәттән дә ыңғай һөҙөмтәләр бирә тигән фекерҙә “Синтез-Каучук” предприятиеһы етәксеһе. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙы һәм халыҡтың мәшғүллеген яҡлауҙы маҡсат иткән милли проектҡа йәнә бер предприятие – “Контроль пакет” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы ҡушылды. Ул полимер ҡаптар сығарыу менән шөғөлләнә һәм үҙ өлкәһендә уңышлы эшләгән ойошма һанала. Проектҡа ҡушылған өсөнсө предприятие – Стәрлетамаҡ икмәк заводы. Уның “Стерх” тип аталған сауҙа маркаһы күптәргә яҡшы таныш. Ризыҡтың сифатын етештереү-технология лабораторияһы даими күҙәтеүҙә тота. “Стерх” көн һайын 2000 самаһы сауҙа нөктәһенә икмәк һәм икмәк ризыҡтары ташый. Бөгөн Башҡортостандың 40-лап пред­приятиеһы хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектта ҡатнаша. Ойоштороусылар йыл аҙағына тиклем йәнә унлаған ойошма-хужалыҡты программаға йәлеп итергә самалай. Бының өсөн ярайһы уҡ отошло мөмкинлектәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә теләк белдергән проект ағзалары өсөн эксперт ярҙамы бушлай күрһәтелә. Икенсенән, сәнәғәтте үҫтереү федераль программаһына ярашлы, проектта ҡатнашыусы 50 миллион һумдан алып 300 миллионғаса өҫтөнлөклө займ алыу хоҡуғына эйә. Йыллыҡ ставка – бер процент, аҡса биш йылға бирелә. Өсөнсөнән, “Экспорт акселераторы” программаһына ярашлы, предприятиелар һәм ойошмалар продукцияларын сит илдәргә һатыу тәңгәлендә өҫтөнлөктәргә эйә була. Сит илдеке ҡыҫылмаһын Әлеге Хөкүмәт ултырышында билдәлә­неүенсә, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү буйынса милли проект талаптарына ярашлы, ошо программала ҡатнашҡан предприятие­ларға был сара тормошҡа ашырыла башлауҙың беренсе, икенсе һәм өсөнсө йылдарында етештереүсәнлекте 10, 20 һәм 30 процентҡа арттыра барырға ҡушыла. Уларға өс ай һайын Хөкүмәткә отчет биреп тороу бурысы ла ҡуйыла. Был осраҡта предприятиеның шул осорҙағы килеме 400 миллион һумдан түбән төшмәҫкә, сит ил резиденттарының предприятие уставындағы өлөшө 25 проценттан артмаҫҡа тейешле. Ни өсөн икәне аңлашыла: әйтәйек, бер генә станокты йәки продукцияны бик етеш­тереүсәнле итергә, йә булмаһа сит ил фирмаһына арҡаланып үтә ҡыҫҡа ваҡытлы уңышҡа ла өлгәшергә мөмкин бит әле. Әммә бындай саҡта ил иҡтисады отмаясаҡ. Адреслы ярҙамға сеймал етештереүгә ҡарамаған дүрт төп тармаҡ предприятиелары өмөт итә ала: ауыл хужалығы, эшкәртеү, төҙөлөш, ташыу һәм һаҡлау. – Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙендә предприятиелар төп сараларға инвестиция алмайынса ла табышты үҫтереү, эш хаҡын күтәреү мөмкинлеген ала, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов күптән түгел кәңәшмәләрҙең береһендә. – Бынан тыш, ошо проектта ҡатнашҡан предприятиелар Сәнәғәтте үҫтереү фондынан отошло шарттарҙа аҡса алыу форсатына эйә буласаҡ: биш йылға саҡлы йылына бер процент менән 50 – 300 миллион һум биреләсәк. Предприятиела техник һәм технологик яңылыҡтарҙы ҡулланмайынса хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү мөмкин түгел. Шуны иҫәпкә алып, инновациялы һәм фәнни эшләнмәләрҙе әүҙем ҡулланған коллектив­тарға һалым буйынса ташламалар биреү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, ошо проектта ҡатнашҡан предприятиеларға мәшғүллек мәсьәләһен еңелерәк һәм отошлораҡ хәл итеү өсөн 187 миллион һум күләмендә ярҙам да бүленә икән. Фабрика һаҡсыллыҡҡа өйрәтә Милли проект сиктәрендә Башҡорт­остан­дың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгендә “Процестар фабрикаһы” майҙансығы асылыуы тураһында “Башҡортостан” гәзите хәбәр иткәйне инде. Ул ни өсөн кәрәк? Был проект һаҡсыл етештереү принциптарына интерактив өйрәтеү маҡсатында булдырылды. Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры урынбаҫары Әлфиә Теүәлбаева билдәләгәнсә, республиканың 18 предприятиеһында етештереү процестарын ҡулайлаштырыу буйынса тәүге проекттар өҫтөндә эш тамамланған да инде. – Был “фабрика” – һаҡсыл етештереүҙең һәм ойошманың финанс күрһәткестәренә нимәнең йоғонто яһауын аңлауҙың мөһим элементы, – тине ул. – Һаҡсыл етештереү ҡоралдарын файҙаланыуға индереү, ғәҙәттә, минималь сығымдар талап итә. ”Фабрика” тренерҙарының бурысы коллективты ошоға өйрәтеүгә, процестарҙы тиҙләтеүгә ҡайтып ҡала ла инде. Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Ирина Жук аңлатыуынса, быйыл ошондай 16 “фабрика” эшләй башлаясаҡ. Үҙәк етәксеһе Руслан Нуретдинов уҡыу форматы тураһында һөйләне: был дәрестәр 15 кешенән торған команда өсөн һигеҙ сәғәткә иҫәпләнгән. Мәскәү ярҙамы бик ваҡытлы Башҡортостан Республикаһы – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан ярайһы уҡ кимәлдә ярҙам алыуға өлгәшкән төбәктәрҙең береһе. Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль ярҙам күрһәтеү өсөн ике миллиард һум йүнәлтелһә, шуның 112,5 миллион һумы республикабыҙ файҙаһына бүленәсәк. Федераль ҡаҙна аҡсаһы әлеге “фабрикалар процесын” барлыҡҡа килтереү, төбәктәге компетенциялар үҙәге эшмәкәр­леген үҫтереү һәм проектта ҡатнашҡан предприятиеларға тышҡы консультанттарҙы йәлеп итеү өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш, ҡатнашыусылар өҫтәмә рәүештә дәртлән­дергән ташламалар һәм субсидиялар ала аласаҡ. Алты йыл эсендә сеймал булмаған өлкәләрҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен 30 процентҡа тәьмин итеү зарур. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн республи­каның 196 предприятиеһын йәлеп итергә кәрәк. Былтыр Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 102,3 процент тәшкил итте. Быйыл республиканың, планды үтәү өсөн, милли проектта ҡатнашырға 50 предприятиены йәлеп итеүе кәрәк. Әлеге көндә 28 ойошма ҡатнашыусылар иҫәбендә. Алдынғы тәжрибәһе булған Рәсәй предприятиеларын йәлеп итеү ҙә милли проекттың айырым йүнәлеше булып тора. Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисад форумында ошо маҡсатта ҙур компаниялар менән партнерлыҡ килешеүе төҙөлдө лә инде. – Хеҙмәт етештереүсәнлеге тураһында һүҙ алып барғанда, күптәр байтаҡҡа күберәк эшләтә башлаясаҡтар, артабан ҡыҫҡартыу­ҙар көтөлә тип уйлай, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Ә уның төп маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эште башҡарыуҙан азат итеү. Был ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Берәү ҙә бер кемде лә ҡыҫҡартмай, ә предприятие артабан үҫеш алып китәсәк. Былтырғы эшкә йомғаҡ нимә күрһәтте? Яңыраҡ республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновациялы үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитетының булып үткән ултырышында Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү буйынса сараларҙың һөҙөмтәһе тураһында һөйләне. – Республиканың ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылған предприятиеларында импортты алмаштырыуға һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген ҡырҡа күтәреүгә йүнәлтелгән эш алып барыла, – тине министр. – Улар араһында иң әһәмиәтлеләр тип шуларҙы атарға мөмкин: Стәрлетамаҡ районының “Алға” сәнәғәт етештереүе айырым иҡтисади зонаһында “Дога” финанс төркөмө углеводород газын еҫле углеводородҡа әйләндергән ҡоролма төҙөй һәм бында барлыҡҡа киләсәк 53 яңы эш урынына юғары етештереүсәнлек хас буласаҡ; “Полигон” ғилми-етештереү пред­прия­тиеһы булдырасаҡ радиоэлектроника приборҙары һәм роботтар эшләү комплексы шулай уҡ юғары етештереүсәнле 750 эш урыны асасаҡ; ошо уҡ райондағы “Стерэкс Пак” йәмғиәте төҙөгән күп ҡатлы асептик төрөү материалы заводы автоматлаш­тырыл­ған һәм юғары етештереүсәнле ҡорамалды файҙаланасаҡ. Министр был йәһәттән “Фармстандарт-Өфө витамин заводы”, “Белорет металлургия комбинаты”, “Нефтехим тәжрибә заводы”, “Туймазытехуглерод”, “Уралтехнострой”, “Искож” акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡа предприятиеларҙы билдәләне. Аңлашы­лыуынса, етештереүсәнлекте күтә­реү өсөн тиҫтәләрсә йылдар эшләп килгән ҡеүәттәр түгел, ә заманса ҡорамалланды­рылған йәки төҙөлә башлаған цехтар һайлап алына. Айырым предприятиелар етештереүсән­лек­те күтәреү эшенә алдараҡ та тотонған. Мәҫәлән, “Синтез-Каучук” акционерҙар йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам” төбәк программаһына 2018 йылдың февралендә ҡушылғайны. Ике йыллыҡ һөҙөмтә күрһә­теүенсә, предприятиела һаҡсыл етештереү ҡоралдары уңышлы ҡулланыла, һәм ҡулланыу­сыларҙан ялыуҙар кәмегән. Уға ҡаршы көрәш һәр саҡ көнүҙәк Донъяла иҡтисади көрсөктәр туҡтауһыҙ ҡабатланып торған заманда эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш көнүҙәк булыуҙан туҡтамай. Башҡортостанда бер нисә йыл рәттән “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә ярҙам итеү” дәүләт программаһы эшләп килә, уның маҡсаттары түбәндәгесә: – хеҙмәт баҙарында эшсе көсөнә ихтыяж менән тәҡдимдең үҙ-ара ярашылған булыуын тәьмин итеү, шулай уҡ лайыҡлы хеҙмәт өсөн шарттар тыуҙырыу; – республиканың хеҙмәт ресурстарын һаҡлау һәм уны төбәктең иҡтисади, социаль, демографик үҫеше менән бәйләнештә алып барыу; – республиканың иҡтисади яҡтан әүҙем өлөшөнөң мәшғүллек кимәлен арттырыу; – эшсе көсөнә ихтыяж һәм тәҡдимдең һөнәри-квалификация структураһының үҙ-ара ярашылған булыуын тәьмин итеү; – йәш граждандарға ваҡытлыса һәм даими эшкә урынлашырға ярҙам итеү, йәш инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү; – хеҙмәт хаҡының Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән дә түбән булмауына өлгәшеү, фәҡирлек кимәлен кәметеү; – хеҙмәт шарттарын һәм уның хәүеф­һеҙлеген яҡшыртыу, республика ойошмаларында имгәнеү һәм һөнәри сирҙәр һанын аҙайтыу; – “Сит илдә йәшәгән ватандаштарҙың Рәсәй Федерацияһына ирекле күсеүенә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһының Башҡортостанда үтәлеүенә ярҙам күрһәтеү. Граждандарға үҙҙәренә яраҡлы эш табыуҙа, билдәле булыуынса, мәшғүллек үҙәктәре ярҙам итә. Был ойошмаларҙы заманға ярашлы үҙгәртеп ҡороу буйынса ла даими эш алып барыла. Стәрлетамаҡ ҡа­лаһындағы ошондай учреждение күптән түгел “Рәсәйҙәге эш” кадрҙар үҙәктәре исемлегенә индерелде, ул ошо йүнәлештәге “пилот” модель ойошмаһы булып торасаҡ. Ҡалаға эш сәфәре барышында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, был үҙәкте ҡарағас, мәшғүллек хеҙмәтен яңыртыуҙың милли проект сиктәрендә уңышлы барыуын билдәләне. Ошо милли проектҡа индерелгән “Мәшғүллеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү өсөн хеҙмәт баҙарының йоғонтололоғон күтәреү” төбәк проектына ярашлы, бында барыһы ла – атамаһынан алып функцияларына саҡлы – үҙгәртеләсәк. Әле бында ремонт бара, һәм ҡорамалдар һатып алына. Үҙгәрештең төп маҡсаты – бындай ойошмаларҙың күп функциялы һәм клиент мәнфәғәттәренә йүнәлешле булыуына өлгәшеү. Проект сиктәрендә бында эшләгәндәрҙе ойоштороу-методик яҡтан хеҙмәтләндереү ҙә күҙ уңында тотола. Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Сибай ҡалаһында “Тәмле”ит кулинарияһы эшләй башланы. Был сауҙа нөктәһе сибайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына бай ассортиментлы ит ризыҡтары – ҡаҙы, тултырма, билмән һәм башҡа аҙыҡ тәҡдим итә. Киләһе яҙмабыҙ ошо хаҡта. Магазиндың атамаһынан уҡ күренеүенсә, бында һатылған бөтә нәмә лә тәмле. Иттәрҙең дә йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин: һарыҡ, йылҡы, һыйыр итенән кәштәләр һығыла. Әҙер ризыҡтарҙан иһә барыһы ла яратып ашаған тултырма, ҡаҙы-ялы, билмән һатыла. Туҡлыҡлы ашамлыҡтарҙы үҙ эшенең оҫталары етештерә, уның сифаты һәм тәме тураһында һатып алыусылар тик яҡшы мөғәлләмәлә. Ризыҡтары тәмле -- Яңы асылған магазиндың яҙыуын уҡыным да шундуҡ индем. Бында иттең ниндәйе генә юҡ икән. Урында шундай лавка асылыуы бик ҡыуанслы. Миңә бында оҡшай, -- тип тәьҫораттары менән бүлеште һатып алыусы Әминә Рәсүлева. -- Итте мин гел ошо хужаларҙан ғына һатып алам. Итһеҙ бер нәмә лә бешермәйем. Шуға ла әйләнәм дә ошо магазинға киләм. Бөтә нәмәләре лә тәмле уларҙың, иттәре лә килеп тороп татлы, майлы, һутлы,--тип өҫтәне икенсе һатып алыусы Фәрзәнә Ишемғолова. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, ит магазинына ла инеү менән тәмле еҫтәр аңҡып тора. Еҫен һиҙгәс, һатыуҙағы һәр тәмлекәсте һатып алып ашағы килеп кенә тора. Етмәһә, бында ризыҡ етештереү күҙ алдында асыҡ кухняла башҡарыла. - Беҙҙең магазин шуныһы менән үҙенсәлекле – ярым фабрикаттарҙы өйҙәге кеүек ҡул менән урында ошо магазинда уҡ яһайбыҙ, -- тине эшҡыуар, магазин хужаһы Руслан Баймөхәмәтәтов. “Тәмле” ит кулинарияһы ҡаланың Зәки Вәлиди урамы 48 кәсер 1 адресында урынлашҡан. Эшҡыуарҙар етештергән ризыҡтарын өйгә алып барыу хеҙмәтен дә күрһәтә. Заказ яһау өсөн телефон: 89371554999.
Илебеҙ тарихында ҡанлы эҙ ҡалдырған һуғышта ҡатнашыусыларҙың күптәре юҡ. Шулай ҙа улар балалары, ейәндәре күңелендә генә түгел, халыҡ хәтерендә мәңге тере. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшеп, яу ҡырында ауыр яра алған, артабан ауыл-колхоз тормошонда ҙур эштәр башҡарып, үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән танылған, ун бала үҫтергән Мостафа Хәмзиндың тормошо тураһында бәйән итмәксебеҙ. Мостафа атаһы Хәмзәнең рус-япон һуғышына китеүенә ай үткәс донъяға килә. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡып, белемле булып, Октябрь революцияһын, граждандар һуғышын күреп үҫә ул. 1927 йылда өйләнә, тәүгеләрҙән булып һыйырын, бейәһен биреп колхозға инә. Мостай исемле туры бейә була, колхозға тапшырылған малға эйәһенең исемен ҡушыу ғәҙәте була. Хатта Вәкил исемле малайҙың: «Мостафа апа, Мостай бейәһен тотоп бир әле», — тигәне Рысҡужа ауылында бер лаҡап булып ҡала. Колхоздар артабан эреләнә башлай, Ҡаҙмаш һәм Рысҡужа ауылдары «Берлек» колхозы булып китә. 1940 йылдың йәйендә Әбйәлил районының алдынғылары — бөтәһе 22 кеше Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашалар, ә «Берлек» колхозынан Мостафа Хәмзә улы ғына Мәскәүгә бара. Район делегацияһының фотоһы Әбйәлил энциклопедияһының 15-се битендә бар. Күргәҙмәнән ҡайтҡас, ауыл халҡы Мәскәү тураһында һораша: «Мавзолейҙа булдыңмы, Ленин бабайҙы күрҙеңме, ниндәйерәк кеше ул?», — тип ҡыҙыҡһыналар. «Ленин Хәйрулла Зәйнуллинға шул тиклем оҡшаған, ысын копияһы инде», — тип яуаплаған. Шулай Рысҡужаның «үҙ Ленины» булып киткән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауылдың бөтә ир-аттары менән бергә М. Хәмзин да илде һаҡларға юллана. Өйҙә ҡатыны Хәбирә Фәтхулла ҡыҙы ете бала менән ҡала, өлкән улы Әсғәткә — 14, Әширәфкә 12 йәш тә тулмаған була. Әширәф ат йөрөтә, Әсғәт һабанға тотоноп ер һөрәләр, тырматалар. Ғаилә башлығы яуға китеү менән 1942 йылда тағы бер ул тыуа, Әҙеһәм тип исем ҡушалар. Мостафа Хәмзә улы һуғышты Ленинград фронтында 29-сы мото-уҡсылар дивизияһында пулеметсы булып башлай. Бик ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, 1943 йылдың июль айында яралана, тәүҙә Рыбинск ҡалаһының 1922-се эвакогоспиталендә, һуңынан 3997-се эвакогоспиталдә дауалана. 1943 йылдың 8 октябрендә ВТЭК үтеп, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды тип билдәләнә һәм тыуған яғына 1944 йылдың 8 апрелендә ҡайтып төшә. Һуғыштағы ҡаһарманлығы онотолмай, 1968 йылдың 19 апрелендә Әбйәлил районы хәрби комиссары майор Ш. Сәғитов М. Хәмзинға, эйәһен эҙләп килгән «Хәрби ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшыра. Ғаилә башлығы Ҡаҙмаш ауылындағы леспромға итексе булып эшкә урынлаша, ҡултыҡ таяғы менән көн дә дүрт саҡрым юл үтә. Үҙен ипле, оҫта ҡуллы итеп таныта һәм уға «Сапожник Хәмзин» ҡушаматы тағыла. Бер аҙҙан, һуғыш яралары төҙәлеп, ҡултыҡ таяҡтарын ташлай. 1946 йылдан ул баш-көллө колхоз эшенә бирелә, балта оҫталары бригадаһын етәкләй, ферма төҙөй. Мостафа Хәмзин колхозда берҙән-бер транса ярыу оҫтаһы була. Ул заманда шифер-фәлән юҡ, ферма-аҙбарҙар транса менән ябыла. Шуға ла был ауыр эште белгәндәр иң ҡәҙерле кеше һанала. Йәштәрҙе лә был һөнәргә өйрәтә. Транса ярыла торған ҡарағайҙы һайлау еңел түгел, был эшкә тәжрибә, таһыллыҡ талап ителә. — Минең үтенес буйынса, Ҡаҙмаш ауылының оло уҙамандары — һуғыш ветераны Ишҡол Мәхмүтов, хеҙмәт ветераны Шәүҡәт Ғибәтов менән бергәләп атайым күрһәтеп ҡалдырған транса ярыла торған ҡарағайҙы эҙләп, таптыҡ, — тип һөйләй яугирҙең улы Әҙеһәм Хәмзин. — Ҡаҙмаш аръяғында үҫеп ултырған ҡарағайҙы пилорамда бысып тороу кәрәкмәй, был сифатлы ағасты нисек теләйһең, шулай ярырға була. (һүрәттә) — Бер көн иртәнсәк беҙгә ауылыбыҙҙың муллаһы Хисаметдин олатай килеп инде. Ул: «Мостафа улым, мин өйҙө ҡоростарға булдым, ваҡыт табып нигеҙ ҡороп бир әле. Был изге эште теләһә-кемгә ҡушыу фарыз түгел. Абруйлы, тоғро кеше кәрәк», — тип үтенесен әйтте. Атайым оло ихтирамлы кешегә баш тартманы, ярҙам итте. Рысҡужала ул нигеҙ ҡормаған йорт булмағандыр. Урман-тау төбәгендә иң ауыры — бесән әҙерләү. Бөтә эш ҡул менән башҡарылды. Техника юҡ. Колхоз һәр кемгә бесән әҙерләү буйынса задание бирҙе, шуны үтәгәс кенә үҙеңдекенә тотонаһың, — тип хәтерләй Әҙеһәм Мостафа улы. — Беҙҙең ғаиләгә ошолай булды: атайыма 120 центнер, ҡыҙы Зөлфиәгә 90 һәм туғыҙынсы класта уҡыған Әғләмгә 70 центнер. Йөкләмә һис һүҙһеҙ үтәлә торғайны. Нисек кенә ауыр булмаһын, ғаилә башлығы балаларын асыҡтырмай, һәр саҡ уйлап, тәүәккәл эш итә. Ағас-ташҡа оҫталығы, тырышлығы ярҙамында эш саналары әҙерләй, сөнки барыһына ла ат көсө файҙаланылғас, ул ауылда кәрәкле нәмә. Йылына ике тапҡыр ҡыш осоронда Ҡыҙыл районының 120-130 саҡрымда ятҡан Сыртинка һәм Ҡарабулаҡ ауылдарына бара. Бында оҫтаны һәр саҡ көтөп торалар, ул эшләгән саналар ныҡ, яҡшы сифатлы булғанға хаҡты бер бот бойҙайға арттырып түләйҙәр. Барған һайын 35-40 бот иген тейәп ҡайта. 1960 йылда уның ҡустыһы Исмәғилдең ҡатыны Раҡыя ҡапыл ауырып, вафат була. 3 айлыҡ ҡыҙы дауаханала ҡала. Ғаиләлә балалар ваҡ булыу сәбәпле, сабыйҙы тәрбиәләрлек хәлдәре булмай. Мостафа Хәмзә улы тормош иптәше Хәбирә, балалары менән кәңәш итәләр ҙә Әминәне унынсы бала итеп алып ҡайталар. Ҡыҙҙы аяҡҡа баҫтырып, уҡытып сығаралар. Хәҙер ул Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. М. Хәмзин ауылдаштары араһында оло абруй ҡаҙанған кеше, йәштәр өсөн өлгө, кәңәшсе була. — Һуғыштан һуң кеше әллә ни етешә алманы, осон-осҡа ялғаны, әммә берҙәм, татыу булды. Берәй эшкә, кәсепкә тотонор алдынан мотлаҡ ололар, тәжрибәле кешеләр менән кәңәш тоттолар. Атайыма ҡустылары, ҡәйнештәре, тол ҡатындар, башҡалар йыш мөрәжәғәт итте. Һәр кем тейешле кәңәш, һүҙ ярҙамы алып ҡыуанды, — тип атаһы хаҡында ҡәҙерле иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Әҙеһәм Мостафа улы. — Беҙгә, балаларына һәр ваҡыт иғтибарлы булды, тауыш күтәрмәне. Алдашыу, уғрылыҡты ене һөймәне. Талапсанлығы көслө ине, һәр әйберҙең үҙ хаҡы бар, һатып алғанда кешене алдамағыҙ, отмағыҙ тип өйрәтер ине. Ололарға ихтирамлы булырға саҡырҙы, хатта исемдәрен тулыһынса Кираметдин, Ғәләүетдин апа тип әйтергә ҡушты, үҙе лә шулайтты. Һуғыштан һуңғы тыныс осорҙағы намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. М. Хәмзин күп грамоталар менән бүләк-ләнгән, 5-6 саҡырылыш ауыл советы депутаты итеп һайланған. 1970 йылда В. Лениндың юбилейы айҡанлы «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ булған. Хаҡлы ялда ла буш ятмай тынғыһыҙ уҙаман. Рысҡужа ауылының диндарҙары етәксеһе булып, мәсет булмағас ололарҙы үҙенең өйөнә йыйған. Үҙенең күркәм холҡо, тәртибе менән балаларына үрнәк булған ғаилә башлығының улдары һынатмай, уҡып белем алалар, төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙаналар. Әсғәт — паровоз, тепловоз машинисы, Әшираф — РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Әхмәт инженер, Әғләм — металлург, Әҙеһәм — алдынғы уҡытыусы, Нәжип — тракторист, Рысҡужа ауылының имам-хатибы. 10 бала үҫтереп, утыҙҙан ашыу ейән-ейәнсәр, һикһәнгә яҡын бүлә-бүләсәргә эйә була. Рысҡужа балалары ғәҙел, эскерһеҙ, ярҙамсыл Мостафа олатайҙы хөрмәтләп, «Ысын бабай» тип йөрөткәндәр һәм ул иң дөрөҫ тормошсан ҡушаматы булғандыр, моғайын. Динара САФИУЛЛИНА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Көҙгө каникулдарҙың матур бер көнө. Мәктәп автобусына ултырып, Бурлы урта мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары Еҙем-Ҡаран ауылына юл тотто. Делегация етәксеһе, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлиловаға уҡыусыларҙы йыйыуы бер ҙә ауыр булманы. Бөгөнгө сара үҙенсәлекле бит: яҡташыбыҙ, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейының тыуған көнө. Музей КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бюроһының 1965 йылдың 30 октябрь ҡарарына ярашлы һәм Октябрь Социалис-тик революцияһының 50 йыллығына әҙерлек айҡанлы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә 1970 йылдың 30 октябрендә асыла. Музей хеҙмәткәрҙәре беҙҙе шатланып ҡаршы алды. Директор Рәсилә Зиннәт ҡыҙы һәр уҡыусыны шәхес итеп күреп, уларҙың күңелендә халыҡ шағиры, үҙенең ижады менән йәш быуынды белемгә, яҡтылыҡҡа саҡырыусы М.Ғафуриҙың тормошона, әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уята алды. Уҡыусылар ҙа ябай тамашасы булып ҡына ҡалманылар, осрашыуҙа әүҙем ҡатнаштылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр, шиғырҙар уҡынылар. Уҡытыусылар үҙҙәре лә һынатманы. Үҙ телен, туған мәҙәниәтен яҡшы белгән уҡытыусы ғына йәш телһөйәрҙәр тәрбиәләй ала бит. Л.Ә.Хәлилова Баязит Бикбайҙың “Туған тел” шиғырын, математика уҡытыусыһы Светлана Рәжәп ҡыҙы Абдуллина Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” әҫәренән өҙөк һөйләп ишеттерҙеләр. Ветеран уҡытыусы Рәйлә Тимерйән ҡыҙы Хафизова яҡташыбыҙҙың билдәле “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен тасуири итеп яттан һөйләүе барыһына ла оҡшаны. Музей экспонаттарға бик бай. Боронғо көнкүреш әйберҙәре менән танышыу, яҡташыбыҙ М.Ғафуриҙың шәжәрәһен өйрәнеү, татар халыҡ шағиры Ғабдулла Туҡай менән дуҫлығын сағылдырған мәғлүмәттәр уҡыусыларҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдырғандыр, моғайын. Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылау сиктәрендә һәм Ғаилә йылына арнап үткәрелгән был осрашыу ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булды. М.Ғафуриҙың дуҫ, татыу ғаиләһе, ундағы тәрбиә алымдары, үҙ-ара мөнәсәбәт, Хәлит, Әнүәр улдарының ата-әсәләренә ихтирамлы ҡарашы, улы Әнүәр Ғафуриҙың атаһының мираҫын пропагандалауҙағы роле – уҡыусыларға өйрәнергә, уҡырға, рухи яҡтан байырға мөмкинселектәр бик күп. Ошондай фәһемле осрашыуҙар, мәҙәни бәйләнештәр этәргес булып тора ла инде был изге эштәргә. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар исеменән ошондай йөкмәткеле осрашыуҙы ойошторған өсөн мәктәп директоры Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа, мәктәп автобусы водителе Әхәт Буранғоловҡа һәм музей хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсилә Зиннәт ҡыҙы һәм Исомудин Нәжметдиновтарға рәхмәт белдерәбеҙ. Мәктәп менән музейҙың ижади хеҙмәттәшлеге дауамлы булһын. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ыасындар ғаиләһе Уралсиб ҡыйығында быйыл да оя ҡорған. 16 йыл рәттән улар бында бала сығара, ә 2019 йылдан банк был ғаилә тормошонан онлайн-трансляция алып бара. Быйыл ата ыласындың килеүен 16 март күҙәткәндәр. Орнитологтар фекеренсә, ул алдараҡ килеп урын алған һәм был урындың инде буш түгеллеген белдергән. Эксперттар билдәләүенсә, инә ҡош 14-15 апрелдәрҙә йомортҡа һалып, май урталарында балалары сығасаҡ. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Шул тиклем тиҙ үҙгәреүсән заманда йәшәйбеҙ. Быны мин яҡын танышымдың йәшәү рәүешенә ҡарап ҡына ла әйтә алам. Шул тиклем тиҙ үҙгәреүсән заманда йәшәйбеҙ. Быны мин яҡын танышымдың йәшәү рәүешенә ҡарап ҡына ла әйтә алам. Ул бер күргәндә ҡытайҙарҙың фэн-шуйы менән ныҡ мауығып, бөтә йәшәү рәүешен шуға ярашлы ҡорғайны. Арауыҡ һәм энергия менән идара итеү техникаһы тураһында ниндәй генә китап уҡыманы. Өйөндәге йыһаздарҙы шылдырып йөрөтөп, ватып бөттө тиһәң дә, хата булмаҫ, моғайын. Бүлмәләрен төрлө һындар, фигуралар, һүрәттәр менән тултырҙы. Ҡытай фэн-шуйы менән ҡыҙығыуына ике-өс йыл үтеүгә боронғо һиндтарҙың төҙөлөш, архитектура һәм биналарҙағы энергияны дөрөҫ бүлеү тураһында Васту тип аталған фәне менән ҡыҙыҡһына башланы. Төҫтәрҙең, еҫтәрҙең кешегә йоғонтоһо тураһында китаптар уҡыны. -Боронғо һиндтарҙың фэн-шуйы буйынса йәшәргә кәрәк. Шулай иткәндә физик көс, бөтә яҡлап ҡот, байлыҡ килә. Бының өсөн, иң беренсе, йортоңдо, эшләгән урыныңды таҙартырға кәрәк, - тип, әллә нисә төрлө еҫле майын, шәмен, ҡыңғырауҙарын тәҡдим итергә лә иренмәй торғайны. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: уның тормошо алға бармаған кеүек ине. Хәләл ефете тотороҡло ғына бер ҡайҙа ла эшләмәне. Балалары ла бер-бер артлы әсәләренә мәшәҡәт өҫтәп торҙо. Күптән түгел уны урамда осратып ҡыуандым. Әллә ҡайҙан ҡоласын йәйеп килә: -Хәҙер фэн-шуй әйберҙәрен тәҡдим итә башлар инде, тип ҡурҡып киләһеңме, - ти ул рәхәтләнеп көлөп. Әйтмәһә лә, күренеп тора: ҡатын бөгөнгө тормошо менән бик ҡәнәғәт. -Сит халыҡтың йолаларын тотоп, талисмандарын, китаптарын һатып алып, нисәмә йылдар шуларҙы байытып ятҡанмын икән, - ти ул. - Үҙебеҙҙең халыҡтың да матур, етеш, сәләмәт йәшәү өсөн тормош ҡағиҙәләре бар бит. Фэн-шуйҙы ташлап, үҙебеҙҙең динебеҙ ҡушҡанса йәшәй башлауым булды - бөтәһе лә урынына ултырҙы. Иң мөһиме - күңел тыныслығы таптым. Әгәр ҙә йөрәк тыныс түгел икән, кешегә бер ниндәй ҙә бетеү ярҙам итмәй. Шуға күрә хәҙер бөтәһенә лә күңелегеҙҙе насар уйҙарҙан таҙартығыҙ, яҡшыға ынтылығыҙ, камиллашығыҙ, шул ваҡытта ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшерһегеҙ, тим, - ти ҡатын. Эйе, танышым дөрөҫ фекергә килгән. Һуңғы осорҙа ҡытай, япон, һиндтарҙыҡына иҫебеҙ китеп, халҡыбыҙҙың борондан килгән йәшәйеш тәртибен онотоп барабыҙ. Тик беҙҙең “фэн-шуй”ыбыҙ ҡытайҙыҡы кеүек аҡса теләп ултырған тәлмәрйен, ялтас башлы, ҡорһаҡлы ҡарт, емеш-еләкле һүрәттәр йәки һиндтарҙыҡы кеүек еҫле шәм, эфир майҙары, тауис ҡауырһыны кеүек матди әйберҙәргә бәйле түгел. Улар күберәк тыйыуҙар, ғөрөф-ғәҙәт, йолалар рәүешендә һаҡланған һәм беҙҙең көнгә килеп еткән. Беҙҙең халыҡта ла бәрәкәтле, мул тормошта йәшәүҙең төрлө ырымдары бар. Уларҙың күбеһе мәҡәл-әйтемдәребеҙҙә һаҡланған: “Иртә торһаң - уңырһың”, “Иртә торған егеттең ырыҫы артыр, иртә торған ҡатындың өлөшө артыр”, “Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең” һәм башҡалар. Ырымдар менән бергә йәшәйешебеҙҙең бөтә өлкәһенә лә ҡағылған тыйыуҙар ҙа бар. “Ҡояш байығас, бурысҡа аҡса бирмә”, “Эңер төшкәс, иҙән йыума, сүп түкмә, байлығыңды, һаулығыңды түгәһең”, “Кис көнө эш башлама, бәрәкәтен күрмәҫһең”. Атай-әсәйгә, оло кешеләргә, һыуға, кейемгә ҡағылышлы тыйыуҙарыбыҙ күп. Мәҫәлән, беҙ бала саҡта өлкәндәр, ҡояш байығас, һыуға барырға ярамай, ти торғайны. Кис көнө тырнаҡ ҡырҡыу, йыуынты һыу түгеү тыйылды. Аяҡты һелкеп ултырыу ҙа ярамаған ғәҙәт кеүек ҡабул ителде. Аяҡ болғап ултырыу ен балаһын бәүетеп ултырыу менән бәрәбәр булды. Ауыҙҙы ҙур асып иҫнәүҙе тыйҙылар - шайтан инеп, кешене ауырыта тип ҡурҡыттылар. Кейенгәндә - иң тәүҙә уң еңде, аяҡ кейемен дә башта уңын кейеүҙе талап иттеләр. Шулай иткәндә, йәнәһе лә эшең уңа. Сәсте бер урында ғына тарап, аҙаҡ ҡойолғанын йыйып алырға өйрәттеләр. Шулай итмәһәң, йәнәһе, сәсте ҡош алып китә лә ояһына һала һәм кешенең башы ауырта, тырнаҡты ҡырҡҡас яндырмаһаң, ен уны ашыңа һалып китә, тип тәрбиәләнеләр. Уларҙың бөтәһе лә ҙур тәрбиәүи көскә эйә булғанын олоғайғас ҡына аңланыҡ. Ә күркәм холоҡ, әҙәплелек, яҡшы тәрбиә - бәхеттең башы. Боронғолар шуға иҫәп тотҡан да инде. ЛЕНА АБДРАХМАНОВА. Фото: pixabay.com https://kungak.rbsmi.ru/articles/m-ni-t-m-bi-t/b-khet-bashy-k-rk-m-kholo-/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы районында. Төбәк етәксеһе унда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге, биләмәләрҙе төҙөкләндереү барышы менән танышты, шулай уҡ күсмә “Сәнәғәт сәғәте”н үткәрҙе. Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы районында. Төбәк етәксеһе унда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эшмәкәрлеге, биләмәләрҙе төҙөкләндереү барышы менән танышты, шулай уҡ күсмә “Сәнәғәт сәғәте”н үткәрҙе. “Нефтемашавтоматика” компанияһы нефть һәм газ ҡорамалдарын проектлау, етештереү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. 2010 йылдан предприятие үҫешә, етештереү ҡеүәтен арттыра, яңы эш урындары булдыра. Әле предприятиела 96 кеше эшләй. Эшселәр өсөн шарттар тыуҙырылған, хатта тренажер залы ла бар. Компанияның генераль директоры Станислав Ғәйнетдинов әйтеүенсә, “Нефтемашавтоматика” нефть һәм газ компаниялары тендерҙарында әүҙем ҡатнаша, ә предприятие продукцияһына Рәсәй буйынса ихтыяж ҙур. Радий Хәбиров етештереү майҙансығында булды, предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәре менән танышты. Станислав Ғәйнетдинов коронавирус пандемияһы шарттарында әйләнештә аҡса етмәүен дә әйтеп китте. Республика Башлығы компанияға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен “Сәнәғәт сәғәте”ндә тикшерергә тәҡдим итте. – Бында тулы етештереү циклы яйға һалынған. Бындай предприятиеларҙы күреү үҙе бер кинәнес. Үҙебеҙҙең яҡтан уларҙың үҫешенә булышлыҡ итәсәкбеҙ, әлбиттә, – тине ул. “Туймазытехуглерод” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙәге резина етештереү өсөн техник углерод сығарған предприятиеларҙың береһе. Бынан тыш, ул синтетик каучук нигеҙендә резина етештергәндә ҡулланыла торған П-803 маркалы техник углерод та сығара. Компанияның Директорҙар советы рәйесе Әхәт Ғәзизов белдереүенсә, әле предприятие технологик ағымдарҙың береһен яңыртыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә етештереүҙе 2,5 тапҡырға арттырыу, сифатты яҡшыртыу, энергияны һаҡлау, экологияға йоғонтоно кәметеү мөмкинлеге артасаҡ. – Әле беҙ башҡарған эштәрҙең барыһы ла предприятиеларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелә. Мөмкинлек бар. Ниндәйҙер предприятиеның ябылыу хәленә төшөүен шәхси трагедия тип ҡабул итәм, - тине Радий Фәрит улы. Әхәт Ғәзизов “Туймазытехуглерод”тың ҡалаға һәм республикаға ярҙам итергә тырышыуы, күптән түгел генә урындағы йоғошло ауырыуҙар госпитале өсөн ҡорамалдар һатып алыуға аҡса бүлеүе тураһында һөйләне. Фото: glavarb.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
«Быйыл, республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Башҡортостан Республикаһының Янғынға ҡаршы хеҙмәте составында "Янғындарҙы иҫкәртеү" хеҙмәтен булдырҙыҡ. Хеҙмәттең Ситуациялар залы Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында урынлашҡан. Ҡорбандар булған һәр янғын, янғындар динамикаһы – быларҙың барыһы ла ошо үҙәктә анализлана. Ошонда уҡ үлемесле янғындарҙы кәметеү өсөн яңы тәҡдимдәр әҙерләнә», — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров . "Хеҙмәт ҙур түгел – уның составында 43 кеше иҫәпләнә. Улар республика биләмәһе буйынса 18 зонаға бүленгән. Мәҫәлән, Нефтекамала Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы райондарын һәм Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларын хеҙмәтләндергән ике хеҙмәткәр эшләй. Хеҙмәткәрҙәргә йыл әйләнәһенә автомобиль бирелә, улар үҙҙәренә тапшырылған муниципалитеттарҙы йөрөп сығырға һәм иҫкәртеү эше менән шөғөлләнергә тейеш. Йәғни һәр кемдең яуаплылыҡ зонаһы бар. 18 мобиль иҫкәртеү төркөмө Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт күҙәтеүе инспекторҙары, муниципалитеттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй», — тип өҫтәне Фәрит Ғүмәров. Хеҙмәт 2019 йылдың 1 сентябренән эшләй башланы. Ярты йылдан — киләһе йылдың февраль аҙағына уның эшмәкәрлегенән һиҙелерлек һөҙөмтә алынырға тейеш", тип һөйләне ведомство етәксеһе. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың башынан республикала 9 205 янғын булған, уларҙа 194 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғындар башлыса шәхси секторҙа сыға. http://www.bashinform.ru/bash/1359085/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Башҡортостан уҡытыусыһы" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Теркәү тураһындағы ПИ ФС 77‑70646‑сы таныҡлыҡ 2017 йылдың 15 авгусында Элемтә, информацион технологиялар һәм киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы тарафынан бирелде. Ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик айлыҡ журнал Общественно-педагогический и научно-методический ежемесячный журнал. Издается с 1920 года. Главный редактор: Каримов С.Г.
Бигерәк тә ҡыуаҡлыҡ сәскә атҡанда унда С витамины күп туплана. Япрағын тап шул ваҡытта йыйып ҡалырға мөмкин. Өлгөрә алмағанда, июнь айында ла ярай. Бының өсөн ҡоро көндә, иртән ысыҡ кипкәс, сәләмәт япраҡтарҙы өҙөргә кәрәк. Ҡарағаттағы органик ҡушылмалар ҡандың ойоу процесын көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Ҡарағат япрағы сәйе гипертония, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы, яман шеште иҫкәртә, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй, күреүҙе яҡшырта, организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға ярҙам итә. Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауалауға булышлыҡ итә. Япраҡтың яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә файҙаланырға була. Уға ҡурай еләге, сейә япраҡтары, ҡара йәки йәшел сәй ҡушып та әҙерләй алаһығыҙ. Япраҡты сәй кеүек бешерәләр – сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу ҡоялар һәм 15 – 20 минут төнәтәләр. Шулай ҙа, һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Ҡарағат япрағы сәйе аллергия тыуҙырырға ла мөмкин. Ул хроник бөйөр сирҙәренән, гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән йәрәхәте, тромбофлебиттан яфаланғандар өсөн зыянлы. Фото: zen.yandex.ru Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/ara-at-yapra-i-la-fay-ali-338496/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өс йыл эсендә Рәсәйҙә пенсияның уртаса күләме былтырғы менән сағыштырғанда 18,26 процентҡа артып, 18 мең 290 һумға етәсәк. Был хаҡта “Российская газета”ға биргән интервьюһында Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов белдерҙе. “Күҙаллауҙарҙан күренеүенсә, 2019-2022 йылдарҙа пенсиялар 2,5; 3; 2; 1,3 процентҡа артасаҡ. Әгәр инфляция түбән булһа, үҫеш тағы ла юғарыраҡ буласаҡ”, - тине етәксе. Быйыл ғинуарҙа пенсияның 6,6 процентҡа индексацияланыуын да иҫкә төшөрҙө Антон Дроздов. 80 йәшкә еткән ололарҙың пенсияһы автоматик рәүештә арттырыла, уның артыу күләме 5686 һум тәшкил итте. Ғинуарҙағы индексациянан һуң илдә пенсияның уртаса күләме - 16,4 мең һум. ”Демография” милли проектына ярашлы, өлкән быуын граждандарының тормошон сифатлыраҡ итеү бурысы ҡуйылды. Пенсияларҙы һиҙелерлек арттырыу тап ошо мәсьәләне хәл итеүҙә этәргес ярҙам буласаҡ. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан уҡытыусылар класс етәкселеге өсөн арттырылған өҫтәмә түләү ала башлай. Был хаҡта 27 майҙа Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте президиумы ултырышында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте. «2020 йылдың 1 сентябренән мәктәп уҡытыусылары класс етәкселеге өсөн әлеге аҡсаға өҫтәп, федераль бюджеттан биш мең һум ала башлай, – тине ведомство башлығы. – Республикала дөйөм түләү уртаса 7,780 һум була». Министр һүҙҙәренсә, әгәр уҡытыусы ике класта класс етәксеһе икән, сумма икеләтә арттырыла, ләкин юғарыраҡ була алмай. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, был аҡса дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаларының 25 418 класс етәксеһенә түләнәсәк. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Түбәнге Вартаға барып еткәнсе башҡаса мажаралар булманы. Бынан ярты быуат элек Баграс ҡасабаһы эргәһендә Самотлор нефть ятҡылығын асыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡала беҙҙе һибәләп кенә яуған ямғыры менән ҡаршы алды. Яҙ башынан алып үҙебеҙҙең Башҡортостанда күктән ергә бер тамсы ла һыу төшмәгәнлектән, беҙ бындағы ямғырға ла сикһеҙ шатландыҡ. Түбәнге Вартаға барып еткәнсе башҡаса мажаралар булманы. Бынан ярты быуат элек Баграс ҡасабаһы эргәһендә Самотлор нефть ятҡылығын асыу арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡала беҙҙе һибәләп кенә яуған ямғыры менән ҡаршы алды. Яҙ башынан алып үҙебеҙҙең Башҡортостанда күктән ергә бер тамсы ла һыу төшмәгәнлектән, беҙ бындағы ямғырға ла сикһеҙ шатландыҡ. Самотлор нефть ятҡылығын табыусылар­ға арналған һәйкәлде (Вартала йәшәгән халыҡ уны яратып, беҙҙең Алеша, тип йөрөтә) үтеп, тимер юл вокзалына боролғас, Нефтселәр урамы күренде. – Дядя Сибагат, быныһы «мөгөҙлөләр» урамы була инде, – тип ҡуйҙы әлеге телгә бөткән Сергей. – Боландар урамы тип яҙып элмәгәндәр ҙә баһа, «ҡара алтын» эҙләүселәр урамы тигән алтаҡта ҡуйғандар. – Мин Сережаның тел төбөн аңламай, ғәжәпләндем. – Татарстандың, Башҡортостандың күпме ир-аты Көнбайыш Себерҙә нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә арҡа буйын сейләндерә, ә бәғзеләренең ҡатындары тегендә башҡалар менән типтерә. Әлбиттә, барлыҡ гүзәл зат та ирҙәренең вахтаға киткәнен генә көтөп торалыр, тип әйтмәйем. Шулай ҙа минең һүҙҙәремдә лә хаҡлыҡ бар бит. Шул сәбәпле әллә күпме ғаиләнең тарҡалғанын беләм. Нисәмә типһә – тимер өҙөрлөк, егет ана шул ғәрлекте күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала, йә эскегә һабыша. Ғаиләләр тарҡалыу арҡаһында күпме бала етем ҡала... Ирҙәрҙең, оҙаҡ ваҡытҡа ғаиләләренән айырылып, ҡатмарлы шарттарҙа йәшәүе улар­ҙың репродуктив әүҙемлегенә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Был, тәү сиратта, демографик хәлдең насарайыуына килтерә. Ғәрип балаларҙың ишәйеүе лә ошоноң менән бәйле түгелме ни? Һанай китһәң, оло бер проблема был, ағай. Сергейҙың һөйләгәндәренә ҡолаҡ һалып, уйға ҡалып киләм. Ә бит нисек кенә бәғерҙе телгеләһә лә, егеттең усағының төтөнө тура сыға. Тыуымдың кәмеүе, үлеүселәр һанының ҡырҡа артыуы, илдә хәйерселәр армияһының ишәйеүе Рәсәйҙең демографик һәм социаль торошона туранан-тура хәүеф менән янай, тип белгестәр әллә ҡасандан бирле саң ҡаға. Уларҙың фекеренсә, әгәр проблеманы кардиналь рәүештә хәл итмәгәндә, 2050 йылға илебеҙ халыҡ иҫәбе буйынса, башҡа дәүләттәр менән сағыштыр­ғанда, ун һигеҙенсе урынға төшәсәк. Йәғни халыҡ һаны 26,1 миллионға кәмейәсәк. Ә быуат аҙағында был күрһәткес буйынса Рәсәй егерме икенсе баҫҡысты биләйәсәк. Республикабыҙҙағы барлыҡ предприятиелар ҙа тотороҡло эшләһә, уларҙа усҡа йомарлап ҡайтырлыҡ ҡына тиндәр түгел, ә йортоңдоң ишеген ғорурланып асып инерлек хеҙмәт хаҡы түләнһә, йөрөр инеме ни әҙәм балаһы, тыуған яғын ташлап, ғаиләһен ҡалдырып, айҙар буйы ғәзиз балаларын атай наҙынан мәхрүм итеп, ил ҡыҙырып, меңәр саҡрымда ятҡан Себер тарафтарына? Иртәгәһенә, ҡайтыр юлға сығыр алдынан, ҡала зыяратына барып, ошонда ҡырҡ өс йәшендә генә һуңғы төйәген тапҡан Рәшит ағайымдың ҡәберен күрергә ҡарар иттем. Обь йылғаһы пароходсылығында капитан булып эшләй ине ул. Ниндәйҙер бер ошоғаса сер булып ҡалған сәйер ваҡиғала ҡатнашып, маңлайына бандит пуляһы алыуҙан яҡты донъя менән хушлашҡайны. Вартала зыярат барлыҡ милләттәр өсөн дә уртаҡ, ҡайҙа урыҫ, ҡайҙа башҡорт, ҡайҙа татар, ҡайҙа башҡа милләт ятҡанын да айырырлыҡ түгел, барыһы ла ҡушылып бөткән. Аллаһы Тәғәлә алдында барыһы ла тигеҙ, тигәндәре ошолор инде, моғайын. ҡәберҙәрҙе барлап йөрөй торғас, күҙем түбәгә менде: ярты Башҡортостан халҡы бында күскән дә баһа! Юҡҡа ғына был яҡтарҙа шундай көләмәс йөрөмәй икән. Йәнәһе, берәүҙән, башҡорттар ҡайһы ҡаланы бер ниндәй ҡан ҡойошһоҙ алған, тип һорайҙар. Түбәнге Вартаны, тип яуаплай теге бәндә. ҡала ҡан ҡойошһоҙ алынһа ла, Себерҙең ер аҫты байлыҡтарына илткән һуҡмағы Башҡортостан егеттәре һәм ҡыҙҙарының һөйәктәренән дә һалынған, тигән фекергә килдем мин Варта зыяратында йөрөгәндә. Башҡортостанға машинаны буш ҡыумаҫ өсөн, ҡайтыр юлға пассажирҙар алыу ниәте менән, ҡаланың тимер юл вокзалына килгәйнем. Ауыҙымды асып та өлгөрмәнем, алдыма күҙҙәренә ҡан һауған ир килеп баҫты. – Һин нимә беҙҙең һыныҡҡа ҡул һонаһың, шайтан алғыры! – Туҡтауһыҙ тәмәкеһен сәйнәгән бәндә ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. – Һин беләһеңме ҡайҙа килеп эләккәнеңде, мужик? Хәҙер башыңды йолҡоп алып ҡулыңа тотторһам, машинаңды ла алырға онотоп, Башҡортостанға ҡәҙәр йәйәү йүгерәсәкһең! Теҙ быуындарым ҡалтыраһа ла, һиҙҙермәҫкә тырышам. – Варта вокзалының алдын һиңә олатайың мираҫ итеп ҡалдырҙымы әллә? Ниңә утҡа бешкәндәй үрһәләнәһең? Минән бындай ҡыйыулыҡты көтмәгән теге әҙәм, нимә әйтергә белмәй, аҙға ғына баҙап ҡалды. Мин уның һайын, башты алйотҡа һалып, һөйләнгән булам. – Һинең бушҡа боғаҙ йыртыуыңдан кемгә файҙа, туған? Беҙ ҙә бында ат һуғарып йөрөмәйбеҙ, редакция ҡушыуы буйынса, һеҙҙең кеүек «бомбила»лар тураһында материал әҙерләйбеҙ. Әле һинең миңә екергәнеңде ана теге мөйөштән йәшерен камера менән киноға төшөрәләр. Әгәр мәҡәлә геройы булырға теләһәң, әйҙә, сәс төкөрөгөңдө. Минең һүҙҙәр әле генә көҙгө әтәс кеүек өҫтөмә менеп килгән егеттең өҫтөнә боҙло һыу һипкән һымаҡ тәьҫир итте. Ул аяҡ осона ласҡылдат­ҡансы төкөрҙө лә, Варта ҡалаһының барлыҡ журналистарын иң алама һүҙҙәр менән әрләп, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғып торған халыҡ араһына инеп юғалды. Мин дә, бында артабан ҡалыуҙың ғүмерем өсөн ифрат ҡурҡыныс икәнен аңлап, ҡойроҡто һыртҡа һалыуҙы хуп күрҙем. Күп телемә һалышып торһам, ҡабырғаларымды һанарға ла күп һорамаҫтар, валлаһи. Башҡортостанға машина менән ҡайтырға теләк белдергән өс егетте нисек табыуым тураһында айырым һөйләп тормайым, уныһы сер булып ҡалһын әйҙә. Әгәр Себер тарафтарына яңынан барырға насип булһа, кәрәге тейер тағы. Яңы юлдаштарымдың икәүһе Башҡортостан­дыҡы булып сыҡты, Анатолий исемлеһе Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы эргәһендәге бер ауылдан икән. Күптән түгел иллеһен тултырған Толя ағайҙың үҙе уҙған вахтала эштә ваҡытта бөтөн донъяһына ут ҡапҡан. Бер нисә минутта ғүмере буйы бөртөкләп йыйған йорт-ҡаралтыһы янып көлгә әйләнгән дә ҡуйған. – Гаражда торған етенсе модель ВАЗ машинаһын, һунар мылтығымды һәм саңғыларымды ғына ҡотҡарып ҡала алғандар, – ти Анатолий. – Әле ғаиләм Златоустағы социаль приютта көн күрә. Мин эшкә киткәндә, урындағы хакимиәт ярҙамы менән элекке өй урынында яңы йортҡа нигеҙ һалып ҡалғайнылар, әле ул ниндәй хәлдәлер инде? Йортом янды, тип эшкә бармай ултыра алмаған Толя, тағы киткән Себер гиҙергә. Аҡсаң булмаһа, һин кемгә кәрәк? Етмәһә, еткән ҡыҙы сентябрь башында бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән егетенә кейәүгә сығырға әҙерләнә икән. – Ярай әле туғандар, дуҫтар ташламай, төрлө яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға ғына торалар. Аҡса ла йыйып бирҙеләр, кейем-һалымдары менән дә уртаҡлашалар, ҡатын шылтыратҡайны, йорт күтәрешергә лә бөтөн ауыл кешеләре дәррәү килгән. – Анатолий артта ултырһа ла, көҙгө аша күреп киләм, йөрәге һыҙлай ирҙең, ҡырлас танауы буйлап ҡуйы ерән мыйығына һаран ғына күҙ йәштәре субырлай. Юлдаштарымдың ҡалған икәүһе – Салауат ҡалаһында донъя көткән Сергей һәм Мәләүез егете Рәил дә, хеҙмәттәштәренең ҡайғыһын үҙҙәренеке кеүек ҡабул итеп, Златоуста төшөп ҡалып, Толяға бер-ике көн йорт һалыуҙа булышып ҡайтырға ҡарар итте. Түбәнге Вартаға Ишембайҙан барған егеттәр кеүек, былар үтә дыуамаллыҡ күрһәтмәне. Тегеләргә ҡарағанда йәштәре лә оло булғанғамы, әллә юлға ҡуҙғалыр алдынан үҙем дә пассажирҙарҙың машинала барғанда үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеге тураһында тотош лекция уҡығанғамы, үтә ипле ҡыландылар. Араҡы түгел, һыра ла йотманылар. Ашарға ла, хәжәттәрен үтәргә лә рөхсәт һорап ҡына туҡтаттылар. Төмәнде үтеп, ҡурғанға боролғас, костюм кеҫәһенә машина йөрөтөргә хоҡуғы барлығын белдергән документтарын һалып алған Сергей руль артына үҙе ултырҙы. – Ныҡ йонсоғанһың, ике-өс сәғәт булһа ла серем итеп ал, – тине ул хәстәрлекле тауыш менән. – Төндә барыбер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре булмай ул. Күҙем шәмәреп килеп, ысынлап та, арығайным. Машинаның ҡуҙғалып киткәнен дә шәйләмәй, йоҡоға талғанмын. Уянып киткәндә, беҙҙе ҡыуып, ҡояш сығып килә ине инде, күк салт аяҙ. Аҡ боландар иле күптән артта ҡалған. Алда Силәбе, тағы ла алыҫтараҡ, ана, теге яғында, йәй буйы аяуһыҙ ҡояш ҡыҙҙырыуынан ваҡытынан алда көйгәнгә, һары, артабан һорғолт-көрән төҫтәге, ә алыҫлашҡан һайын күкһелләнгән артылыштар, ҡатлау-ҡатлау тауҙар артында, тыуған Башҡортостаным көтә мине. Ашығырға кәрәк.
Дауаланыу йәки анализ өсөн аҡса түккән саҡта полисыбыҙ хаҡында онотоп ебәрәбеҙ. Ул бит беҙгә бушлай хеҙмәтләндерелеү мөмкинлеген бирә! Медицина страховкалауы полисы буйынса ниндәй ярҙамға хоҡуҡлыбыҙ? Бушлай медицина хеҙмәттәренә хоҡуҡтарыбыҙ боҙолғанда ни эшләргә? Шәхси клиникаларҙа полис буйынса дауаланып буламы? БР Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы табип-эксперты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Рәйес ҡыҙы МИНҺАЖЕВА ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап бирә. – Мотлаҡ медицина страховкалауының (ММС) База программаһы сиктәрендәге ярҙам полисы булған барлыҡ кешеләргә илебеҙҙең бөтә территорияһында күрһәтелә. Әйтәйек, Башҡортостанда йәшәүсе берәү илдең икенсе бер ҡалаһына командировкаға барғанда ҡапыл сирләп китһә, медицина ярҙамын һис һүҙһеҙ аласаҡ. Төбәк программаһы иһә База программаһына нигеҙләнгән, ундағы медицина ярҙамы төрҙәре исемлеге тәүгеһенә ҡарағанда киңерәк. ММС-тың Башҡортостан программаһына ярашлы күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙе ҡыҫҡаса ғына атап үтәм: тәүге медицина-санитар, табипҡа тиклемге ярҙам, табип ярҙамы, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы, ашығыс, паллиатив медицина ярҙамы төрҙәре... Полистың ваҡыты сикләнмәгән. Был документ кешегә үҙе страховкаланған компанияның тулы яҡлауы аҫтында булыу мөмкинлеген бирә. Һәр кем йылына бер тапҡыр, шулай уҡ башҡа урынға йәшәргә күскәндә поликлиникаһын һәм дауалаусы табибын алмаштырырға хоҡуҡлы. Йылына бер мәртәбә страховкалаусы ойошманы үҙгәртергә мөмкин. – Ҡайһы берәүҙәр бик оҙаҡ табипҡа яҙыла алмай. Медицина ярҙамын көтөү ваҡыты күпме булырға тейеш? – Кисектергеһеҙ тәүге медицина ярҙамы ауырыу мөрәжәғәт иткәндән һуң ике сәғәт эсендә күрһәтелергә тейеш. Участка терапевы, педиатры йәки дөйөм практика табибы ҡабул итеүен көтөү – иң күбе 24 сәғәт. Махсус белгес консультацияһын 14 көндән дә һуңламай алырға тейешһегеҙ. Лаборатор һәм башҡа диагностик тикшереүҙәр (рентген, маммография, функциональ диагностика, ультратауыш тикшереүе) улар билдәләнгәс ике аҙна эсендә үткәрелә. Компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы кеүек ҡатмарлы тикшереүҙәр 30 көндән дә һуңламай уҙғарылырға тейеш. Яман шешкә шик булғанда – ике аҙнаға тиклем. Табип юллама биргәндән һуң дауаханаға инеүҙе көтөү ваҡыты – күп тигәндә 30 көн. Һаулыҡ ҡырҡа насарайып, ғүмергә ҡурҡыныс янағанда амбулатор ярҙам сиратһыҙ һәм алдан яҙылыуһыҙ теләһә ниндәй поликлиникала (унда беркетелмәһәгеҙ ҙә) күрһәтелә. Полис, шәхси документтар булыуы мөһим түгел. – Медицина страховкалауы полисы буйынса шәхси клиникаларҙа дауаланырға, тикшерелергә мөмкинме? – 2011 йылда Мотлаҡ медицина страховкалауы хаҡындағы Закон ҡабул ителгәс, шәхси клиникаларға ММС системаһына инеү хоҡуғы бирелде. Закон буйынса, ойошма киләһе йылда программала ҡатнашырға теләй икән, алдан төбәк фондына белдерә. Һеҙ күҙ һалған клиника полис буйынса эшләүсе ойошмалар исемлегенә инәме-юҡмы икәнен һеҙгә полис биргән страховка ойошмаһынан йәки Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының рәсми сайтынан белә алаһығыҙ. Башҡортостанда полис буйынса бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүсе коммерция ойошмалары артҡандан-арта. Улар, мәҫәлән, репродуктив һаулыҡ өлкәһендә, гемодиализ, стоматология, диагностик тикшеренеүҙәр (КТ, МРТ) кеүек йүнәлештәрҙә тырышып эшләй. – Стоматология тигәс, моғайын, күптәр бушлай теш дауалау мөмкинлеге хаҡында белергә теләр. Сөнки был хеҙмәттәргә түләгәндә ат хаҡын һалырға тура бит. – Үҙҙәре беркетелгән стоматология поликлиникаларында полис буйынса табиптың консультацияһы, ауыҙ ҡыуышлығы ялҡынһыныуҙарын профилактикалау һәм дауалау, тешкә пломба ҡуйыу (ябайын ғына түгел, яҡтылыҡ менән нығытыла торғанын да), теш алдырыу, шешкән урынды ярып таҙартыу, рентген тикшереүе тулыһынса бушлай. – Ә медицина хеҙмәте өсөн түләргә тура килгәндә аҡсаны кире ҡайтарып буламы? – Был осраҡта чек һәм килешеүҙе ташламағыҙ, аҡсағыҙҙы ҡайтарыу мөмкинлеген ҡарау хаҡында үҙегеҙ страховкаланған компанияға ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ, уға түләү документтарын беркетегеҙ. Шуны кәңәш итәм: сирләп китһәгеҙ, ныҡлап тикшерелеү, йә операция кәрәк булғанда, кеҫәгеҙҙе йоҡартырға ашыҡмағыҙ. Полиста күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратып, ҡыҙыу линия буйынса страховкалаусығыҙ менән кәңәшләшегеҙ. Полис буйынса медицина ярҙамы алыуға хоҡуҡтар боҙолһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? 1. Медицина ойошмаһы хакимиәтенә (баш табибына, уның урынбаҫарына, бүлек мөдиренә). 2. Үҙегеҙҙең медицина страховкалауы ойошмаһына (телефоны полисығыҙҙа яҙылған). Унда шылтыратып ҡына ҡалмайынса, офисына бара алаһығыҙ. 3. Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауының төбәк фондына, уның филиалдарына. Мөрәжәғәттәр яҙма рәүештә лә, телдән дә, телефон аша ла, сайтта ла ҡабул ителә. Тел. 8-800-77-55-395, 8-347-216-10-81, 8-347-272-58-64. Сайты: www.tfoms-rb.ru 4. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына (йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, тел. 8-347-250-08-62). 5. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идара­лығына. Тел. 8-347-250-30-22. Сайты: www.roszdravnadzor.ru Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Халҡыбыҙҙа борон-борондан төрлө байрамдар үткәреү йолаһы бар. Ул ниндәйҙер юрамыштарға, ырымдарға, аш-һыуға, йыл миҙгелдәренә, изге теләктәр теләү традицияларына бәйләнгән. Халҡыбыҙҙа борон-борондан төрлө байрамдар үткәреү йолаһы бар. Ул ниндәйҙер юрамыштарға, ырымдарға, аш-һыуға, йыл миҙгелдәренә, изге теләктәр теләү традицияларына бәйләнгән. Ҡарға-туй, кәкүк сәйе, ҡымыҙ, ҡорот байрамдары, йыйын, һабантуйҙарҙың исеме үҙе үк әйтеп тора. Урында ошо йолаларҙы әле лә тоталар һәм ауыл ҡарттары, төрлө фольклор ансамблдәре уны үткәреүгә ҙур әһәмиәт бирә. Сибай ҡалаһының “Яугел” халыҡ фольклоры ҡумыҙсылар ансамбле ошо көндәрҙә урындағы “Ынйыҡай” халыҡ бейеүселәре (етәксеһе - Эльвира Аҡназарова) менән берлектә Ирәндек итәгенә сығып “Кәкүк сәйе” байрамын үткәрҙе. Ойоштороусыларҙың береһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хажиә Дилара Рафиҡова билдәләүенсә, сараның маҡсаты ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларабыҙҙы юғалтмай, быуындар сылбырын һаҡлау, балаларға өйрәтеп ҡалдырыу. -Заманалар төрлөсә үҙгәреп тора.Донъя кимәлендә вирус кеүек оло әфәт менән күҙгә-күҙ осраштыҡ. Шуға күрә “Кәкүк сәйе”ндә изге теләктәр теләнек, илдәребеҙҙең имен булыуына доға ҡылдыҡ. Республиканың көньяғында күптән ямғырҙар яумай. Халҡыбыҙҙың элек-электән тауға сығып ямғыр яуҙырыу теләктәре бар. Беҙҙең теләк - шифалы ямғырҙарыбыҙ яуып торһон, ашлыҡтарыбыҙ мул булһын, иман байлыҡтарында, тулы ғаилә бәхеттәре менән йәшәргә насип итһен, Аллаһ тәғәлә. Байрамда балалар төрлө уйындар уйнаһа, оло апайҙар мөнәжәттәр әйтеп, ҡумыҙ сирттеләр. Бишбармаҡ бешереп, ҡоротлап һурпа эсерҙеләр. Урындағы Сибай телевидениеһының ижади төркөмө байрам хаҡында ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән.“Кәкүк сәйе”нә борон-борондан тик ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар ғына сыҡҡан. Йәш ҡыҙҙар кәкүктән ҡасан кейәүгә сығыуҙарын һорағандар, юрап, теләк теләгәндәр. Бейеп күңел асҡандар, ҡатыҡ туғып ағас төбөнә ҡойоп, кәкүкте ризалатҡандар. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Байрамға Башҡортостан райондарынан ҡымыҙ етештереүселәр йыйыла, улар Өфөгә үҙ продукцияһын алып килә. Сарала ҡымыҙ бешеүселәр йыйылышы һәм уҡытыу үтә. Шулай уҡ улар үҙенең ҡымыҙын республикала иң яҡшы тип атау хоҡуғына бәйгелә көс һынашасаҡ. Программала этно-йәрминкә, концерт, балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, этно-ихата һәм балалар зонаһы көтөлә. Ҡымыҙ-бары һәм сәйхана менән ял зонаһы, шулай уҡ «Ашмаркет» ризыҡ фестивале ойошторола. Фестивалдең икенсе көнөндә ғаилә менән «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының сираттағы этабында ат сабышын ҡарарға мөмкин. http://www.bashinform.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Билдәле эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге етәксеһе Риф Шәрифрахман улы Иҫәнов киләһе 2019 йылға «Йәншишмә» гәзитенә стена календарын эшләтте. 3 мең тираж менән сығарылған сағыу йылъяҙманы әҙерләүгә «Урал» ойошмаһы етәксеһенең урынбаҫары Нияз Мәһәҙиев, журналист Азамат Мәһәҙиев, гәзитебеҙҙең ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина, фотохәбәрсе Игорь Киняпин, рәссам-дизайнер Рөстәм Илтенбаевтар ҙур тырышлыҡ һалды. Рәхмәт уларға. Башҡортостандың 100 йыллығына арнап сығарылған был иҫтәлекле календарь менән гәзитебеҙҙең иң яҡын дуҫтары, «Йәншишмә» үткәргән төрлө сараларҙа, осрашыуҙарҙа ҡатнашыусылар бүләкләнәсәк. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Өфөлә йәшәүсе лотеряла миллион һум отҡан. «Гослото» матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, май аҙағында суперприз уйнатылған. Бер ир-егет 150 һумлыҡ билет һатып алған һәм 1 000 000 һум отҡан. Бәхетле билетты ул сайтта алған. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, мартта Өфө кешеһе 4 миллион һум отҡан, ә 2019 йылдың февралендә яҡташыбыҙ өс билет һатып алып, 17,6 миллион һумға эйә булған. Баш ҡалала тағы бер ир-уҙаман 120 һумға билет һатып алған һәм 2,6 миллион һум отҡан. http://www.bashinform.ru/news/1316295-zhitel-ufy-sygral-v-lotereyu-i-stal-millionerom/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
14 ғинуарҙа Мораҡтағы район мәҙәниәт һарайында район хакимиәте башлығы Ғ.Ғ.Янбаев шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итә һәм Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы 2018 йыл йомғаҡтары буйынса сығыш яһай. Башлана 18 сәғәттә. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Ҡырмыҫҡалы ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында ветерандар араһында Рәсәй Геройы М.Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған «Шайморатов кубогы» республика волейбол турниры үтте. Турнирҙа 40 йәштән өлкәндәр ҡатнашты. Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондары һәм Өфө ҡалаһы командалары араһында ярыш ҡыҙыу барҙы. Ҡырмыҫҡалы районы волейболсылары еңеү яуланы. Ауырғазы командаһы - икенсе урында. Афарин! Һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә булһын! Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарынан һуң районда һиҙелерлек үҙгәрештәр була. Төрлө йүнәлештәге иптәшлектәр һәм артелдәр барлыҡҡа килә, ваҡыт үтеү менән улар коллектив хужалыҡтарға (колхоздар-ға), сәнәғәт предприятиеларына һәм ойошмаларға әйләнә. Үкенескә күрә, баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү менән, предприятие-ларҙың күпселеге бөтөрөлә. Шуға ҡарамаҫтан, иҡтисади ҡаҙаныштары менән улар район тарихында ҙур эҙ ҡалдырҙы. Шуларҙың береһе – Мәсетле район сәнәғәт комбинаты. Район энциклопедияһы (2010 йыл-ғы баҫма) мәғлүмәттәренә ярашлы, уға 1944 йылда хәҙерге “Ҡарағай” шифаханаһы территорияһында леспромхоз булараҡ нигеҙ һалына. Ул ағас эшкәртеү, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, тимерселек, быйма баҫыу цехтары, итек тегеү һәм тире иләү оҫтаханалары була. Шулай уҡ карьер асып, эзбиз яндыралар. 1948 йылда ул комбинат итеп үҙгәртеп ҡорола, контораһы Оло Ыҡтамаҡ һәм Сальевка (хәҙерге Революция урамы) ауылдары араһында урынлашҡан була. Бында таҡта ярыу заводы урынлаштыралар, булған столяр цехын күсерәләр, яғыулыҡ балауыҙы һәм ҡоро балауыҙ, дегет, утын саналары етештерәләр. 1954 йылда районда кирбес заводы төҙөй башлайҙар, унда сәнәғәт комбинаты бригадаһы ла ҡатнаша. Ике йылдан ул ҡулланыуға тапшырыла. Завод етештереүсәнлеге йылына 100 мең дана кирбес тәшкил итә. Артабан комбинаттың төҙөлөш материалдарынан МСО, ПМК-243, ПМК-8, ПМК-9 төҙөлә. 1960 йылдарҙа сәнәғәт комбинатында эзбиз, ағас әйберҙәр эшләү цехтары, бөҙрәхана, сәғәт оҫтаханаһы эшләй, аяҡ кейемдәре ремонтлана һәм тегелә, фотоға төшөрөү һәм фотолар әҙерләү, металл-көнкүреш ремонты, урман етештереү һәм сығарыу бойомға ашырыла, пиломатериалдар, тәгәрмәстәр, ҡоршауҙар, сана табандары, дуғалар, буралар һәм шандар етештерелә. Илдә райондарҙы берләштереү башланғас, Мәсетле районы Балаҡатай районы составына индерелә. Ул саҡта комбинатты ла Балаҡатай сәнәғәт комбинаты менән берләштерәләр. 1962 – 1965 йылдарҙағы был үҙгәрештәр ике райондың да иҡтисадына кире йоғонто яһай. Шуға күрә өс йылдан райондарға элекке статус-тарын кире ҡайтаралар. Район комбинаты яңынан Мәсетле сәнәғәт комбинатына әйләнә. 1971 йылда бында мебель етештереү цехы төҙөлә. 1975 йылда Мәсетле сәнәғәт комбинаты Башпромкомбинат филиалына әүерелә. 1986 йылдан – “Ағиҙел” художестволы берекмәһе филиалы, 1993 йылдан – “Ағиҙел” берекмәһе дәүләт унитар предприя- тиеһы филиалы, 2000 йылдан – “Ағиҙел” башҡорт художестволы предприятиеһы филиалы. 2006 йылда промкомбинат бөтөрөлә. Әле уның нигеҙендә эшҡыуар В. Скрябин мебель цехы ойошторған. Төрлө йылдарҙа промкомбинатҡа Н. Ф. Крючков, К. А. Әхкәмов (1945), И. В. Худяков (1945 йылдан), П. И. Попов (1948 йылдан), Н. Рычков (1949 йылдан), В. И. Выскребенцев (1951 йылдан), Н. И. Думинов (1954 йылдан), В. А. Ғәниев (1956 йылдан), И. Е. Парфенов (1962 йылдан), В. С. Вәзиров (1966 йылдан), Д. К. Йосопов (1988 йылдан), М. М. Мәүликәев (1991 йылдан), Ф. Ф. Хәнипов (1992 йылдан), Е. М. Швалев (1997 йылдан), Ф. М. Шәй-хисламов (1999 йылдан), Д. Д. Ғәҙелшин (2001 – 2006) етәкселек итә. Комбинатта байтаҡ һуғыш ветерандары эшләгән. Улар: филиал директоры, партия ойошмаһы секретары Н. Рычков, пилорамсы Х. Хәйруллин, урман ҡырҡыусы С. Хәлимов. Алдынғылар араһында үҙҙәренең бөтә хеҙмәт юлын комбинатҡа арнаған кешеләр бар: балта оҫталары Ф. Вәхитов менән Н. Белобородов, маляр Л. Вәхитова, урман ҡырҡыусы М. Ғиләзетдинов, Борғатъя урман участкаһы мастеры Ф. Хәнипов. Марат ҒАФАРОВ, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Редакциянан: Башҡорт АССР-ы төҙөлөүҙең 100 йыллығы хөрмәтенә район хакимиәте инициативаһы буйынса “Был һинең менән минең яҙмыш” акцияһы башлана. Шуның менән бәйле район Мәҙәниәт һарайында элекке предприятиелар һәм ойошмалар тарихтарына бағыш- ланған саралар үткәреләсәк, улар тураһындағы материалдар район гәзитендә баҫыласаҡ. Гәзит уҡыусыларҙы һәм әлеге предприятиелар һәм ойошмаларҙың элекке хеҙмәткәрҙәрен үҙҙәренең хәтирәләре менән беҙҙең гәзит биттәрендә уртаҡлашырға саҡырабыҙ.
“Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика бәйгеһендә Мораптал урта мәктәбенең уҡыусылары ла ҡатнашты һәм еңеүҙәр яуланы. “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика бәйгеһендә Мораптал урта мәктәбенең уҡыусылары ла ҡатнашты һәм еңеүҙәр яуланы. Йыр конкурсында: Наилә Юлбаева (7 а класс) – III дәрәжә дипломы ( етәксеһе Хәсәнова Д.Ф.); Артур Миңлебаев (4 класс) – ҡатнашыусы дипломы (етәксеһе Хәмитова Г.Ф.); Ильяс Шәмсетдинов, Рәсилә Ғәлиева ( 3 класс) – ҡатнашыусы дипломы ( Ҡужакова Р.К.). Бейеү конкурсында: Алина Кинжалеева (7а класс) – III дәрәжә дипломы (етәксеһе Кинжалеева В.С.); Ангелина Таңатарова (7а класс) - ҡатнашыусы дипломы (Хәмитова Г.Ф.); Даяна Ғәббәсова (1 класс) - дипломант ( етәксеһе Әбйәлилова Р.М.): Яҡут ауылының “Ынйылар “ бейеү ансамбленә иң әүҙем ҡатнашыусы дипломы (етәксеһе Әбйәлилова Р.М.); сәсәндәр конкурсында еңеүселәр: Луиза Буранова (6 класс), Дания Хәсәнова ( 9 б класс) - “Йәншишмә” гәзитенең грамотаһы һәм китап менән (етәкселәре Мөлөкова Г.Ф.) бүләкләнде. “Төҫлө бала саҡ” һүрәттәр конкурсында еңеүселәр: Азалия Мырҙабулатова ( 5 б класс), Әзизә Ғәлиева (5 а класс), Денис Таңатаров ( 6 класс), Алина Кинжәлиева (7 а класс), Әлфизә Ғәлимова (9 б класс) - (етәкселәре Әбрәшитова А.Ф.) “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһе һәм китап менән бүләкләнделәр. Йөрөгән таш шымара тигәндәй, балалар ошондай конкурстарҙа ҡатнашып, оҫтарып китә, бер-береһе менән таныша. Конкурс тамамланғас, балалар бергәләп бейеп алдылар һәм тәмләп торт ашанылар. Көйөргәҙе районы “Йәшлек” мәҙәниәт йортоноң режиссеры Йәмилә Рамаҙанова: “Был сара балаларҙы яңы үрҙәргә әйҙәй, мөмкинлектәрен һынап ҡараһындар, тиҫтерҙәренә ҡарап тағы ла дәртләнеберәк ижад итһендәр, һәләттәрен асһындар, үҫтерһендәр өсөн ойошторола,”- тине. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Лицейыбыҙҙа «Суперсмена» тигән онлайн-лагерь эшләне. Уны ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тырыштыҡ. Тәүге көн «Таныш булайыҡ» тип аталды! Ул күңелле зарядка менән башланып, ҡыҙҙар һәм малай­ҙарҙы мауыҡтырғыс лагерь тормошона алып инде. Балалар бер-береһе менән танышты, үҙҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне, фотоһүрәттәр менән бүлеште. Әлеге сменаның девизын, йырын өйрәнделәр. «Балалар йәнһүрәттәре герой­ҙары» онлайн-квизында һәр кем теләп ҡатнашты. Икенсе көн ял итеүселәрҙе «Ғаилә янында» сараһы көтә ине. Ул «Мин йомаҡтар менән дуҫлашам» тигән күңелле программа менән асылды. Унан балалар йомаҡтар, ребустар систе, ғаилә тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе хәтергә төшөрҙө. «Минең ғаиләмдең таланттары» конкурсында ла әүҙем ҡатнаштылар. Бындағы күп ҡыҙҙар ҡул эшенә оҫта икән: бәйләй­ҙәр, тегәләр, сигәләр. Әсәйҙәренә ҡоймаҡ ҡойорға, бәлештәр бешерергә, компот, ҡайнатмалар әҙерләргә лә ярҙам итәләр. Ошо көндө ҡыҙҙар һәм малайҙар Боронғо Грецияла Олимпия уйындарының барлыҡҡа килеүе һәм бөгөнгәсә үҫеше хаҡында видеояҙма ла ҡараны. Унан улар күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт алды, «Олимпия уйындары» викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Көн аҙағында «Гиннесс стилендә рекорд ҡуйыу­сылар» тигән күңелле шоу ойошторолдо. Бик ҡыҙыҡ булды ул. Ял итеүселәр онлайн-сменаның рекордтарын булдырҙы. «Иң ҙур аяҡлы малай» Азат Ислам­ғолов булды, «Иң бәләкәй аяҡлы ҡыҙ» – Динә Иҫән­ғолова. «Лагерҙа иң киң таралған исем» – Азалиә. «Иң оҙон фамилия» – Самира Юлмөхәмәтова, Лариса Виталий ҡыҙы Ғиззәтуллина. «Иң ҡара сәсле ҡыҙ» – Азалиә Батауллина, Аурика Фәйзуллина. Һуңғы көн – «Тағы ла осрашыу өсөн хушлашабыҙ» тигән сара ла килеп етте. Ял итеүселәр йырланы, бейене, уйын һәм конкурстарҙа ла ихлас ҡатнашты, иҫтәлекле открыткалар, миҙалдар, дуҫтарына сувенирҙар ҙа әҙерләне. Һәр береһе лагерға, дуҫтарына, вожатыйҙарға теләктәрен еткерергә лә онотманы. Онлайн-лагерь аҙағында әүҙем ҡатна­шыу­сыларҙың барыһына ла Почёт грамоталары тапшырылды. Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА. Ауырғазы районы, Талбазы лицейы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙар өсөн онлайн тәртибендә көрсөккә ҡаршы интенсив уҙғарыла. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙар өсөн онлайн тәртибендә көрсөккә ҡаршы интенсив уҙғарыла. Был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. 12 – 15 майҙа “МСП Банк” акционерҙар йәмғиәте “МСП” корпорацияһы һәм Социаль проекттарға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшмәкәрлеген тормошҡа ашырған бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары өсөн саралар циклы – “Көрсөккә ҡаршы интенсив” ойоштора. Үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында бизнесты нисек һаҡлап ҡалырға? Бының өсөн нимә эшләргә була? “Көрсөк – проблемалар ғына түгел, ә киң мөмкинлектәр ҙә” тигән төшөнсә ысынбарлыҡҡа тап киләме? Көрсөк шарттарында ресурстарҙы нисек ҡулайлаштырырға? Бөгөн көрсөккә ҡаршы ниндәй саралар һөҙөмтәле, ҡайһылары һөҙөмтәһеҙ? Көрсөккә ҡаршы интенсив социаль эшҡыуарҙарҙы ғәмәлдәге шарттарҙа борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса тренингтарҙы, оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә ала. Сарала ҡатнашыу пандемияның кире эҙемтәләрен еңеп сығыу өсөн белем туплау, бизнесты ҡулайлаштырыу өсөн дөрөҫ ҡарар һайлау, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыу мөмкинлеген бирәсәк. Сара онлайн тәртиптә уҙғарыла. Унда ҡатнашыу бушлай. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Бөйөк Ватан һуғышы тиҫтә-тиҫтә йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, миллионлаған кешеләрҙең күңеле тынысланмай. Хәҙер уның афәтен, утты-һыуҙы үткән ветерандар, тылдың аслы-туҡлы михнәттәрен кисергән апайҙар ҙа әҙ. Хатта бала саҡтарында кәлйемә, үлән эҙләп тамаҡ туйҙырған, билдән ҡар йырып урман ҡырҡҡан, нығынып та етмәгән иңдәрендә йөҙәр саҡырым алыҫлыҡтағы станцияларҙан орлоҡ ташыған, станоктар араһында баҫып торған 10-14 йәшлек малай-ҡыҙҙарҙы ла шул заманда алған ауырыуҙары арабыҙҙан алып китә. Әммә һуғыш шауҡымы уларҙың балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә йәшәй. Беҙ мәрхүмдәрҙе ошо иҫтәлектәрҙә күңел түрендә йәшәтә алабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Был дәһшәтле алышта туғандарын, атайҙарын, ағай-ҡустыларын юғалтмаған ғаиләләр һирәктер. Советтар Союзының, илебеҙ халҡының барлыҡ юғалтыуҙарын ысынбарлыҡта иҫәпләп бөтөрөрлөк түгел. Һеңрәннән 197 һалдат яуға китеп, шуларҙың 58енә генә кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Ул осорҙа бер ғаиләнән бишәр кеше яу яланында ятып ҡала. Илебеҙҙе, еребеҙҙе яҡлап көрәшкән яугирҙәрҙең батырлығы – баһалап бөтөр-гөһөҙ ҡиммәт. (Дауамын гзитебеҙҙең 5 һанында уҡығыҙ) Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Ошо көндәрҙә республикала сәләмәтлегендә үҙенсәлектәр булған балалар тәрбиәләүсе һәм декрет ялындағы 40 йәш әсә парикмахер оҫталығы буйынса махсус курс тамамланы. Ошо көндәрҙә республикала сәләмәтлегендә үҙенсәлектәр булған балалар тәрбиәләүсе һәм декрет ялындағы 40 йәш әсә парикмахер оҫталығы буйынса махсус курс тамамланы. Был сара Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә махсус социаль проект сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Программаның операторы булараҡ республикалағы сәс ҡырҡыусыларҙың, визажистарҙың һәм косметологтарҙың Дизайнерҙар союзы сығыш яһаған. Һис шикһеҙ, ошо ваҡиғанан һуң ауыл ерендә парикмахерҙар хеҙмәте киңерәк тараласаҡ, күп балалы ғаиләләрҙең ҡаҙнаһын тулыландырыу сараһы ла буласаҡ. “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә республикалағы декрет ялында булған, бәләкәс балалар ҡараған бихисап әсәләр әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп ителә. 2024 йылға тиклем йыл һайын Башҡортостандағы 1300 самаһы йәш әсә бушлай өҫтәмә белем алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Башҡортостан, ғөмүмән, ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектының федераль програмаларында уңышлы ҡатнашыуы менән билдәле. #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: mintrud.bashkortostan.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Auil-atindari-s-n-503862/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Торатау буйында ҡурай таждары формаһында ете тирмә барлыҡҡа килде. Эко-ҡунаҡхана хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусы туристар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Торатау буйында ҡурай таждары формаһында ете тирмә барлыҡҡа килде. Эко-ҡунаҡхана хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусы туристар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. Тирмәнең эсендә 7 номер һәм кафе урынлашҡан. Унда бер юлы 50 кеше ял итә аласаҡ. Һәр бер номер 6-8 кешегә иҫәпләнгән, бер тирмә ғаилә менән ял итеү өсөн ҡулайлашҡан. Стандарт номерҙар өсөн иртәнге аш индерелгән, ә көн әйләнәһенә туҡланырға теләүселәр өсөн махсус пакет, бынан тыш туристарға аттарҙа йөрөү, фотосессиялар, велосипед өсөн прокат тәҡдим ителә. Башҡорт халҡының милли аш- һыуынан- ҡымыҙ, бишбармаҡ, бәлештәр буласаҡ. Ҡунаҡханала Ишембай районының яҡын ауылдарында йәшәгән кешеләр эшләйәсәк. Төҙөлөштә тик тәбиғи материалдар ҡулланылған - ағас, тәбиғи туҡыма. “Торатау” ҡунаҡханаһын 2020 йылдың 1 июлендә асыу күҙалланған. Ул төбәктең бер нисә эшҡыуары, Ишембай районы хакимиәте һәм “Геопарк Торатау” коммерция булмаған автономлы ойошмаһы ҡатнашлығында берлектәге проект. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Шул саҡ аранан берәү: “Хөрмәтлем! Эттәр – беҙҙең һаҡсыларыбыҙ, әтәстәр – мөәзиндәребеҙ ине. Уларҙың үлеменән ни файҙа?”-тип һорай. “Йәшерен серҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Бында беҙгә билдәле булмаған берәр ҙур хикмәт йәшерелеп ҡуйылғандыр, бәлки”,-тип кенә яуап бирә әүлиә. Бер саҡ шулай кешеләр ауылда бөтә эттәрҙең үлем бөткәнен күреп шаҡ ҡата. Әүлиәләренә килеп бының сәбәбен белергә теләйҙәр. Бер аҙ уйланып торғандан һуң әүлиә әйтә: “Эттәрҙең үлеп бөтөүендә һеҙең өсөн берәр хикмәт, ҡотолоу юлы барҙыр, тип өмөт итәм”. Икенсе төндә бөтә әтәстәр үлеп бөтә. Тағы ла әүлиәгә киләләр һәм тағы ла шул яҡ яуапты алалар: “Уларҙың үлемендә һеҙҙең өсөн берәр ғибрәт барҙыр тип өмөт итәм!” Шул саҡ аранан берәү: “Хөрмәтлем! Эттәр – беҙҙең һаҡсыларыбыҙ, әтәстәр – мөәзиндәребеҙ ине. Уларҙың үлеменән ни файҙа?”-тип һорай. “Йәшерен серҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Бында беҙгә билдәле булмаған берәр ҙур хикмәт йәшерелеп ҡуйылғандыр, бәлки”,-тип кенә яуап бирә әүлиә. Өсөнсө төндә тағы бер бәләгә тарый ауыл халҡы: ут тоҡандыра алмайҙар. “Ниндәй бәләгә юлыҡтыҡ һуң?”-тип аптырай халыҡ. Бәләләрҙең сәбәбе иртән асыла. Төнөн был төбәккә юлбаҫарҙар килеп сыға. Күрше ҡәүемдәрҙе баҫып алып, талап, хурлыҡҡа төшөрөп йөрөгәндән һуң улар был ҡәүем йәшәгән ауылға килеп етә. Киләләр: эт өргән, әтәстәр ҡысҡырған тауыштар ишетелмәй, ут әҫәре күренмәй. Бында кеше заты юҡтыр, бер эш тә барып сыҡмаҫ тип, юлбаҫарҙар ауылды ситләп үтә. Халыҡ үҙе лә иҫән ҡала, мал-мөлкәтенә лә зыян килмәй...
Республика конкурсы финалистары араһында Бикҡол ауылынан Дилара Батраева менән Бишбүләктән Әлфиә Уканеева Еңеүселәрҙе hәм финалистарҙы Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова, «Берҙәм Рәсәй» башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров, биатлон буйынса дүрт тапҡыр олимпия чемпионы Александр Тихонов, республика министрлыҡтары вәкилдәре ҡотланы. Өсөнсө тапҡыр үткәрелә торған бәйгелә республиканың төрлө ҡала hәм райондарынан 300-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләре hәм Мәскәү вәкилдәре ҡатнашты. Конкурс ике этапта — муниципаль hәм республика этаптарында уҙҙы. 150 финалсы Торатау конгресс-холл сәхнәһендә осрашты. Конкурста ҡатнашыусыларҙы 10 номинация буйынса бүләкләнеләр. Иң йәш конкурсант яңы ғына бәлиғ булыу йәшенә еткән булһа, иң өлкәненә 87 йәш ине. Бишбүләк районының «Йәш гвардия» ижтимағи ойошмаһы рәйесе, «Вектор» йәштәр үҙәге педагог-ойоштороусыһы Әлфиә Уканеева, «Ҡатын-ҡыҙ - лидер» номинацияһында ҡатнашты. Был номинация йәмәғәт эшендә йәки сәйәсәттә үҙен ойоштороусы hәм маҡсатлы лидер итеп күрһәткән кешеләр өсөн. Ҡаныҡай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Дилара Батраева «Ҡатын-ҡыҙ-педагог» номинацияһында мәғариф өлкәһендә уңыштарға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙ кандидатураһын тәҡдим итте. -Был күркәм сара миңә бик оҡшаны. Yҙем өсөн бик күп яңы hәм файҙалы нәмәләр алдым. Гала-концертта танылған артистар, «Тамыр» студияһы балалары сығыш яһаны. Барыһы ла милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән үрелеп барҙы. Фойела халыҡ кәсептәре, милли ризыҡтар, кейем-һалым, уйын ҡоралдары, биҙәнеү әйберҙәре күргәҙмәләре ойошторолғайны, — тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша Дилара Миңнулла ҡыҙы. — Конкурстың беренсе этабында беҙҙең эшебеҙҙе күрһәтеүсе портфолио ебәрергә кәрәк ине. Мәктәптә башҡорт телен һаҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла: дәрестән тыш, йолаларҙы өйрәнәбеҙ, башҡорт телендә гәзит-журналдарга бағышлап үткәрелгән акцияла ҡатнашабыҙ, Ҡаныҡай hәм Биҡҡол ауылдары ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы менән берлектә төрлө саралар уҙғарабыҙ. Ирина Михайлова. Миләүшә Хөснөтдинова фотоһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре Асылыкүл тәбиғи паркы хеҙмәткәрҙәре һәм балыҡсылыҡ инспекторы менән берлектә күл биләмәһендә браконьерҙар тарафынан ҡуйылған ауҙарҙы тикшерҙе.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре Асылыкүл тәбиғи паркы хеҙмәткәрҙәре һәм балыҡсылыҡ инспекторы менән берлектә күл биләмәһендә браконьерҙар тарафынан ҡуйылған ауҙарҙы тикшерҙе. Республиканың иң ҙур күле һаналған Асылыкүлдең дөйөм майҙаны 23,5 квадрат километр. Шуға күрә тәбиғәт һаҡсыларына бындай эште башҡарыу өсөн арыу уҡ ҡына ваҡыт талап ителә. Башҡортостан буйынса һыу биологик ресурстарын дәүләт контролендә тотоу, күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге инспекторы Константин Ламзутовты был төбәктә күптәр яҡшы белә. Ул эш башлаған мәлдә, йәғни бынан ике йыл элек, Асылыкүлдән километрҙарға тиң ау сығарыла. Балыҡсылыҡ инспекторы әйтеүенсә, хәҙер хәл бер ни тиклем яҡшырған. Браконьерҙар ҡуйған ауҙар – Асылыкүлгә ҡағылышлы проблеманың бер генә өлөшө. Әлеге ваҡытта тәбиғәт һаҡсыларын күлдең йылдан-йыл һайығыуы ныҡ борсоуға һала. Шуға күрә улар был мәсьәләне ғилми йәмәғәтселек иғтибарына сығарған. Был хәл 2010 йылдан дауам итә. Мәҫәлән, быйылғы йәйҙә яр буйы һыҙаты алты метрға эскә шылған. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының 2019 йылғы отчеттарынан күренеүенсә, Асылыкүлдең һыуы бысрана бара. Тәбиғәт һаҡсылары уны тергеҙеү буйынса комплекслы программа кәрәклеге һәм ошо программа менән “Экология” милли проектына инеү зарурлығы тураһында белдерә. Тәбиғи парктың сафлығын һәм таҙалығын һаҡлау эше дәүләт кимәлендә алып барылырға тейеш, тигән фекерҙә экологтар. Ысынлап та, әлеге эшмәкәрлек һәм уларҙың киләсәккә уй-ниәттәре ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына тулыһынса яуап бирә. Фото: pilothub.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
2020 йылдан Рәсәйҙә беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр күләме арта, тип хәбәр итә ТАСС Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән. Әйтәйек, быйыл илдә түләүҙәрҙең уртаса күләме 11,2 мең һумға тиң икән, киләһе йылдан, төбәккә ҡарап, ул яҡынса 12 мең һум була. Түләүҙәр «Балаһы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы» проектын ғәмәлгә ашырыу барышында арттырыла. Республика Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, 2020 йылдан ошо түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн критерий үҙгәрә. Хәҙер йән башына уртаса килеме 1,5 йәшәү минимумы тәшкил иткән ғаиләләрҙең ошондай хоҡуғы булһа, 2020 йылдан ике йәшәү минимумы критерийы индерелә. Өҫтәүенә 2020 йылдан әлеге пособиеларҙы түләү ваҡыты балаға өс йәш тулғансы оҙайтылды. «Хәҙер Башҡортостанда пособиеның күләме — 9 182 һум. 2020 йылда ул 9 789 һумға еткерелә — 2019 йылдың икенсе кварталында бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләме шундай», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ғинуар-октябрь айҙарында төп каиталға инвестиция күләме 115,1 процент тәшкил иткән. Был ҙур булмаһа ла, үҫеш. Әйткәндәй, республика етәксеһенең "сентябрь указы"нда 2024 йылға инвестиция күләменең суммаһын 500 миллиард һумға еткереү күҙалланған. Тағы ла макроиҡтисади күрһәткестәргә туҡталғанда, улар түбәндәгесә: Сәнәғәт индексы - 104,4 процент. Ауыл хужалығы продукцияһы күләме лә ярайһы ғына - 100,4 процент. Торлаҡ төҙөлөшө күләме 6,5 процентҡа артып, 1,7 млн кв. метр тәшкил итә. Социаль үҫеш күрһәткестәре лә ыңғай баһалана. Мәҫәлән, реаль хеҙмәт хаҡы үҫеше ғинуар-сентябрь айҙарында 102,6 процент булған. Үлем кимәле төшкән. Тышҡы факторҙарҙан үлеү 10 процентҡа кәмегән, алкоголь менән ағыуланып ғүмер өҙөлөү кимәле 47 процентҡа төшкән. Янғында үлеү 36,7 процентҡа әҙәйһә, юл-трансполрт фажиғәләре ҡорбандары 15,4 процентҡа түбәнәйгән. - Күрәһегеҙ, һандар насар түгел, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Коллегаларға рәхмәт, артабан да эште дауам итәйек. https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-K-r-tkest-r-nasar-t-gel-12659/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Республика Хөкүмәте йортонда “ГТО-ның 90 йыллығы” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләү сараһы үтте. Был награда менән “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән Башҡортостанда ГТО комплексын үтәү һәм пропагандалау өсөн яуаплылар бүләкләнде. Башҡортостан Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, сара республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм хәрби-спорт фонды - Башҡортостан попечителлек советы рәйесе, Рәсәй Геройы Умарпаша Ханалиев етәкселегендә үтте. Ирек Сәғитов билдәләүенсә, уҙған йыл “Хеҙмәткә һәм СССР-ҙы обороналауға әҙер” тигән Бөтә Союз комплексынының 90 йыллығын байрам итеү ҡанаты аҫтында үтте. Йыл дауамында ил буйынса был иҫтәлекле датаға арнап йөҙләгән физкультура-спорт саралары ойошторолдо. - 2021 йыл беҙҙең республикала комплексты тормошҡа ашырыуҙа уңыш ҡаҙаныуы менән билдәләнде. Башлығыбыҙ Радий Фәрит улы Хәбиров уҙған йылдың майында Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы субъекттарының 20 топ лидеры иҫәбенә инеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса республика ышаныслы рәүештә 20-се урын яуланы. Бында ошо залда ултырыусыларҙың хеҙмәте сағыла , – тине вице-премьер. Умарпаша Ханалиев та Башҡортостанда ГТО комплексын үҫтереү буйынса эште юғары баһаланы. - ГТО нормативтарын тапшырыу тормошобоҙҙоң нормаһына әүерелде. Был эшкә ирекле рәүештә тотонған барлыҡ функционерҙар уңышҡа өлгәште, тип бөгөн ышаныслы рәүештә әйтә алам. Бөгөнгө бүләкләүҙәр республикала ГТО үҫешенә йүнәлтелгән саралар циклының бер өлөшө, - тип билдәләне Умарпаша Ханалиев. Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, 2021 йыл республикала ГТО-ны үҫереү йәһәтенән емешле булған. Хеҙмәт коллективтары араһында бер нисә фестиваль үткәрелгән, комплексты һанлаштырыу буйынса эш башланған. Беҙҙең республикала башланғыс алған ГТО-ның йәш судъялар системаһы үҫеүе дауам итә, һынауҙарҙа ҡатнашыусылар һаны һәм уларҙың сифат күрһәткестәре арта. Уҙған йылдың әһәмиәтле сараһы – хеҙмәт коллективтары араһында “Хеҙмәткә һәм СССР-ҙы обороналауға әҙер” тигән Бөтә Союз физкультура комплексынының 90 йыллығына арналған бөтә Рәсәй фестивале үтте. Ул Өфөлә 12 майҙан 16-һына тиклем барҙы. Республикаға 350-нән ашыу ҡатнашыусылар йыйылды - илдең 29 төбәгенән 39 команда ҡатнашты. Улар мәргәнлектә, һығылмалылыҡта, көстә һәм тиҙлектә ярышты. 2022 йылдың 1-се кварталы һөҙөмтәләре буйынса, республикала ГТО комплексы нормативын тестлауҙа 25 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың 3444-е ГТО-ны отличие билдәһенә нормативты үтәне, алтын билдәгә – 3224, көмөшкә – 131, бронзаға 89 кеше башҡарҙы. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. Автор:Резеда Шәнгәрәева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Анкарала төшөргә мәжбүр булған Сүриәнең А-320 аэробусы бортында нимә булған? Төркиәнең премьер- министры Рәжәп Тайип Эрдогандың раҫлауынса, Мәскәү- Димәшк маршруты буйынса барған самолетҡа хәрби тәғәйенләнешле йөк тейәлгән: “Йөктө ебәреүсе- һуғыш кәрәк- яраҡтары һәм ҡоралдар етештереүсе, экспортлаусы Рәсәй компанияһы. Ҡабул итеүсеһе- Сүриәнең оборона министрлығы.” Мәскәү әлегә Эрдогандың белдереүенә комментарий бирмәй. Килеп тыуған хәл айҡанлы РФ-ның Төркиәләге илсеһе республиканың тышҡы сәйәси ведомствоһында осрашыу үткәрҙе. Ентекле мәғлүмәттәр әлегә юҡ. Бынан алда Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министрлығы пассажирҙарҙың ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйылыуға ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Анкара был тәнҡит менән килешмәй. Төркиә аналитиктары Мәскәү менән мөнәсәбәттәрҙең насарайыуынан ҡурҡа. Кадыр Хас университетынан Соли Озель әйтеүенсә,”миңә ҡалһа, Мәскәү менән мөнәсәбәттәребеҙгә һис кәрәкмәгән зыян эшләйбеҙ кеүек. Һуғышҡа ҡатнашып китмәҫкә Төркинәң аҡылы етер, тип уйлайым. Әммә ваҡиғалар киҫкенләшә башлағас, көтөлмәгән хәлдәргә тарыу ҡурҡынысы бар.” Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк. Башҡортостан – Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы режимды йомшартыу осоронда спорт ярыштарын уҙғара башлаған беренсе төбәк. 23 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының өсөнсө этабы була. Ярыштар тамашасыһыҙ үткәрелә. Ат сабышын биш телеканал: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, UTV, «Вся Уфа», Конный мир, «СтартТВ» күрһәтә, шулай уҡ ярыштар барышын социаль селтәрҙәрҙә күҙәтеп барырға мөмкин (VK akbuzat_ippodrom_ufa). Өсөнсө этапта ипподром аттарында Архангел, Бөрө, Иглин, Салауат райондары вәкилдәре ҡатнаша. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Турнир бөтә санитар нормаларға ярашлы уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр ипподром хакимиәтенән. Башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһын ҡалдырҙы. Бөгөндән ул Йылайыр районы башлығы вазифаһын башҡара. Борис Николаевич Мелкоедов 1971 йылдың 8 декабрендә Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1993 йылда «Өфө нефть эшкәртеү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә оператор булып башлай. 1995-1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе; 1997-1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тәжрибә заводы лабораторияһы етәксеһе; 1997-2004 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығының баш белгесе; 2007-2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре идаралығы етәксеһе; 2008-2010 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Төбәктәр үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе; 2010- 2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры; 2012 йылдың 29 октябренән Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе булып эшләне. Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2010). Башинформ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Бик борон заманда тып-тын урманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың бер бөртөк кенә Йәмилә исемле ҡыҙҙары булған. Нисек кенә яратмаһындар, нисек кенә иркәләмәһендәр ҡыҙ бойоғоп тик ултыра икән. Шатланып көлөү түгел, хатта йылмайыуҙың да нимә икәнен дә белмәгән. Әбей менән бабай бойоҡ ҡыҙҙарының күңелен күтәреү өсөн ни эшләрҙәрен белмәй ҡырҡҡа ярылырҙай булғандар. Ахыры,төрлө ерҙәргә хәбәр ебәреп көлдөртөүсе кешеләрҙе саҡыртып, ҡыҙҙарының күңелен күрергә тырышҡандар, ләкин теге көлөү түгел , башын да күтәреп ҡарамаған. Бер ваҡыт инде тамам йонсоған әбей менән бабай өйҙәре алдында ятҡан бүрәнә өҫтөнә сығып ултырып , ҡысҡырып илай башлаған. Шул ваҡыт былырҙың баш остарынан бер ҡош осоп барған, ти. Ул быларҙы күреп, эргәләренә ултырып хәлен һораша башлаған. - Беҙҙең һөйлөшмәй- көлмәй бойоғоп ултырған ҡыҙыбыҙ бар. Хәҙер беҙ ныҡ ҡартайҙыҡ, үлеп китһәк Йәмиләбеҙ ни эшләр!? – тип тегеләр ҡайғыларын һөйләп тағы ла нығыраҡ ҡысҡырып илап ебәргәндәр. Ҡош әбей менән бабайҙы тыңлап ултырған да бик йәлләгән һәм уларға ярҙам итергә булған. Тиҙ генә бөтә дуҫтарына йөрөп йыр өйрәнергә ҡушҡан, хатта шишмәне лә урап үтмәгән. Уның да сылтырап йырлап ағыуын һораған. Һәр ҡош үҙенсә тырышып-тырышып йыр өйрәнгән. Һуңынан ҡоштар йыйылышып,шишмә менән бергә ҡыҙ йәшәгән өй эргәһендәге урманға килгәндәр һәм һәр береһе үҙенсә моң , көй сығарып йырлай башлағандар. Йәмилә:” Был ниндәй яғымлы тауыш?”- , тип йүгереп сыҡҡан . Ҡараһа, сыйырсыҡ, һандуғас өҙөлөп -өҙөлөп һайрай, турғайҙар сырҡылдаша, ҡарғалар ҡарҡылдай , һайыҫҡандар шыҡырлай, тағы ла әллә күпме ҡош илаһи моң сығарып йырлайҙар икән. Ә шишмәнең сылтырап аҡҡан тауышы әллә ҡайҙа яңғырап ишетелеп тора, ти. Урман тыңлап туйғыһыҙ сихри моң менән тулған. Быны күреп ҡыҙ шатланып, көлөп ебәргән. Ошонан алып урман шаулап –гөрләп ҡоштарҙың сихри тауышына күмелеп ултыра икән. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәре сираттағы йома намаҙына Ҡолҡан ауылының “Фәйзулла” мәсетенә йыйылды. Ауыл уртаһындағы күркәм мәсет тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.Мәсетте Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхес, “Тибет” медицина тикшереү үҙәге директоры Азат Фәйзулла улы Фәйзуллин атаһы, уҡытыусы-ветеран Фәйзулла Ямалетдин улы хөрмәтенә төҙөтә. Фәйзулла Ямалетдин улы Фәйзуллин сығышы менән Ҡолҡан ауылынан, 1929 йылғы. Стәрлетамаҡ педагогия училищеһын тамамлағас, Фәйзулла Ямалетдин улы хеҙмәт юлын 1950 йылда Йөҙимән ете йыллыҡ мәктәбендә тарих, физкультура уҡытыусыһы булып башлай. 1953 йылда тыуған Ҡолҡан ауылына ҡайтып, балаларға белем бирә. 1954 йылда Сәйетбаба урта мәктәбенә күсерелә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы башланғыс кластарҙа уҡыта. 39 йыл балаларға аң-белем таратҡан Фәйзулла Ямалетдин улы Фәйзуллин “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” тигән юғары исем алып, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ була. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә тырыш хеҙмәттәре һөҙөмтәһе- ғәҙел, намыҫлы уҡытыусының уҡыусылары бөгөн ил алдында кәрәкле һөнәр кешеләре. Абруйлы, оло ихтирамға лайыҡ ветеран-уҡытыусыны һәр кем яҡты иҫтәлектәр менән иҫкә ала. Ә уның иҫтәлеген мәңгеләштереп төҙөтөлгән “Фәйзулла” мәсете артабан да нур бөркөп, иман сығанағы булып халыҡҡа хеҙмәт итәсәк. Азат Фәйзулла улы баҡыйлыҡҡа күскән атаһы хөрмәтенә Сәйетбаба урта мәктәбенең уҡыу йылын тик “5”-ле билдәләренә генә тамамлаған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 10 уҡыусыһына һәм иң шәп спортсыһына йыл һайын үҙенең премияларын тапшыра. Быйылғы уҡыу йылына ул үҙе уҡып сыҡҡан Сәйетбаба урта мәктәбенең ике бинаһының да ишек алды тупһаларын ремонтлаттырҙы. Азат Фәйзулла улының әсәһе Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы ла бөтә ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай. Башҡорт дәүләт педагогия инс-титутын тамамлаған йәш белгес 1950 йылда районыбыҙҙың Үтәк урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Рәзәнә Фәррәх ҡыҙы Үтәк мәктәбендә биология, география, рус теле, астрономия һәм башҡа фәндәрҙе уҡыта. 1952 йылда Яңғыҙҡайын урта мәктәбенә география уҡытыусыһы итеп күсерелә. 1954 йылда Сәйетбаба урта мәктәбенә директор урынбаҫары булып эшкә ебәрелә. Ул балаларға география фәненән белем бирә. Фәйзулла Ямалетдин улы менән тормош ҡороп, Сәйетбаба урта мәктәбендә бергәләп эшләйҙәр. 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанда Рәзәнә Фәррәх ҡыҙының 38 йыл педагогик стажы була. Талапсан, белемле, үҙ өҫтөндә даими эшләгән, һәр эште теүәл үтәгән ғәҙел уҡытыусы Рәзәнә Фәррәх ҡыҙының хеҙмәт емештәре бөгөн дә баһалы. Улы Азат Фәйзулла улы әсәһе хөрмәтенә Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда бер нисә тапҡыр Өфө филармонияһы артистары концертын халыҡҡа бүләк итте. Рәзәнә Фәррәх ҡыҙына һау-сәләмәт, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Азат Фәйзулла улының ата-әсәһенә хөрмәте, халҡына булған ихтирамы үҙенә лә изгелектәр булып ҡайтһын. Бөгөн “Фәйзулла” мәсетенең күркәмлек һәм яңы рухи көс менән эш башлауы һөйөнөслө. Күптән түгел имам-хатип итеп тәғәйенләнгән Ғәзиз Фәйзулла улы Хәйруллин үҙенең тормош иптәше Зилә Фахразый ҡыҙы менән илһамланып эшкә тотондолар. Зилә Фахразый ҡыҙы йома намаҙынан һуң ғәрәп теленә өйрәнергә теләүселәргә дәрестәр ҙә ойоштора. Уларға намаҙға баҫырға һәм ғәрәп телен өйрәнеүгә арналған дини китаптар, календарҙар һәм тиҫбеләр бүләк итте. Ғәзиз Фәйзулла улы Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белемен камиллаштыра, ә Зилә Фахразый ҡыҙы Октябрьский ҡалаһындағы “Нурул Ислам” мәҙрәсәһенең 2-се курсында дини белем ала. Йома намаҙына ҡунаҡтарҙы Зилә Фахразый ҡыҙы яҡты йөҙ менән йылмайып ҡаршы алды. Сәйетбаба ағинәйҙәре менән бергә Ҡолҡан ауылы мәсетенә хажиәләр Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова һәм Әлмира Әсҡәт ҡыҙы Ғөбәйҙуллина дини ҡәрҙәштәре менән килделәр. Сәйетбаба ауылынан килгән Айваз Айҙар улы Һөйөндөков аҙан әйтте, намаҙ ҡағиҙәләренә таянып, өйлә намаҙын дөрөҫ итеп ойошторҙо. Йәштәрҙең изге эшкә ҡушылыуы яҡшы башланғыс. Намаҙҙан һуң ағинәйҙәр мөнәжәттәр әйтте. Ҡунаҡтар менән бергәләп һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар бик фәһемле булды. Улар килтергән китаптар менән таныштылар, һатып та алдылар. Осрашыу бергәләп әҙерләгән сәй өҫтәле артында ла йәнле барҙы. Төрлө һорауҙарға яуаптар бирелде. “Һәр ауылда ла мәсеттәр буш тормаһын, халыҡ йөрөһөн”, - тигән изге теләктә таралыштыҡ. “Фәйзулла” мәсетендәге осрашыу бөтәһенә лә оҡшаны, артабан да иман йортона һуҡмаҡ өҙөлмәҫ, Ҡолҡан халҡы мәсеткә берҙәм йөрөр тигән ышаныста ҡалабыҙ һәм саҡырабыҙ. Изге эштең изге башланғысы хәйерле булһын! Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Их, Гөлсибәр… Терегөмөштәй теремек, йондоҙҙай яҡты күҙле, ҡояшлы көндәй алсаҡ ҡыҙыҡай тамам һушын алды бит һигеҙенсе синыфта уҡып йөрөгән Нурғәленең. Егет ҡорона тулып килгән үҫмерҙең параллель синыфта уҡыған Гөлсибәргә күҙе төштө. Их, Гөлсибәр… Терегөмөштәй теремек, йондоҙҙай яҡты күҙле, ҡояшлы көндәй алсаҡ ҡыҙыҡай тамам һушын алды бит һигеҙенсе синыфта уҡып йөрөгән Нурғәленең. Егет ҡорона тулып килгән үҫмерҙең параллель синыфта уҡыған Гөлсибәргә күҙе төштө. МӨХӘББӘТ КӨСӨ Ҡыҙ йылға аръяғы битләүҙәге шыршылы өйҙә йәшәй. Нурғәле өсөн был өй, был урам, өй эргәһендәге мәңге йәшел шыршы – донъялағы иң матур урын. Сөнки унда йән һөйгәне Гөлсибәр йәшәй.Бер шулай тәнәфес ваҡытында сибәр ҡыҙҙы ситтән генә күҙәтеп, тәү күргәндәй һоҡланып ҡарап тора ине, шаянҡай эргәһенә йүгереп килде лә: “Бөгөн бейеү түңәрәге була кил, йәме”, – тине. Үҙе шунда уҡ юҡ булды.Әммә бындай сибәр ҡыҙ эргәһендә, оялмайынса, йүнләп тыпырлата ла белмәгән көйө нисек бейеп йөрөргә?! Нурғәле, әлбиттә, түңәрәккә барманы.Ә ҡыҙ, егеттең хистәрен һиҙгән кеүек, тәнәфестәрҙә һаман уның тирәһендә өйөрөлөп-сөйөрөлдө. Башлап һүҙ ҡушырға ҡыймаған оялсан егет бары эстән бер һүҙҙе ҡабатланы: “Их, Гөлсибәр, һин ниндәй сибәр!”Толомлап үреп ебәргән сәстәре биленә төшөп тора. Сөм-ҡара күҙҙәрен тултырып ҡарап ҡуйыуы, ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйылып торған ҡара ҡаштарын сөйөлтөп һикертеп алыуҙары! Һай, матур шул, бигерәк матур Гөлсибәр. Була икән дә донъяла шундай ҙа гүзәл заттар. Әйтерһең, Аллаһ Тәғәлә бар ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән матурлыҡты Гөлсибәрҙең бер үҙенә бүләк иткән дә ҡуйған. Ғашиҡ егет инде ҡыҙҙың эргәһенә барып һүҙ ҡушыу түгел, ҡырынан үтеп китергә тартынды. Шулай итеп, ярты йылға яҡын ҡыҙҙы ситтән генә күҙәтеп яратып йөрөнө.Бер көндө Нурғәле өйҙә дәрес әҙерләп ултыра ине. Уйламағанда-көтмәгәндә Гөлсибәр йүгереп килеп инде. Тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан, йыш-йыш тын ала.– Ни, химия китабыңды, ни, биреп торсо, беҙгә шул китаптан, ни, өйгә эш бирҙеләр, – тине ул тотлоға-тотлоға. Китапты ҡулына алыуы булды – атылып сығып та йүгерҙе.Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, ҡыҙ баяғы китапты тотоп кире килде. Индереп кенә өҫтәлгә һалды ла, тағы өнһөҙ-тынһыҙ атылып сығып китте.“Ҡайһы арала өйгә бирелгән эшен ҡарап өлгөрҙө икән?”– тип уйланы егет һәм әле генә Гөлсибәр ҡалдырған китапты ҡулына алды. Асып ҡараһа, эсендә матур итеп төрөлгән печенье ята. Сикһеҙ тулҡынланған ғашиҡ егет ҡыҙҙың ҡулы ҡағылған был әйберҙе күкрәгенә ҡыҫты ла тәҙрәнән һөйгәне киткән яҡҡа ҡараны. Гөлсибәрҙән елдәр иҫкәйне. Ни әйтергә, ни уйларға белмәй бер килке шулай баҫып торҙо егет. Бына ул һушына килде. Тимәк, ул да мине оҡшата, тигән һиҙенеү, тулҡынландырғыс бер яңы хис ипкене, йөрәгенә килеп ҡаҡлыҡты.Был уйҙан ул тетрәнде. Мөмкинме икән был хәл? Улай тиһәң, китап тотоп, ауылдың бер осонан икенсе осона тиккә генә йөрөмәҫ бит инде үҫмер ҡыҙ бала. Ни эшләргә икән? Туҡта, туҡта! Хәҙер, хәҙер… Ул да бит ошо мәлдә яуап итеп ниҙер эшләргә тейеш тә баһа. Уның башына сая фекер килә. Хәҙер ошо уҡ китаптың эсенә шоколад һалырға ла шаян ҡыҙыҡайға илтергә.Бер сәғәт тә үтмәгәндер, тау битләүендәге шыршылы өйҙә ине Нурғәле.– Гөлсибәр, ул арала ғына дәресеңде ҡарап бөтә алмағанһыңдыр, шуға китапты кире алып килдем. Мә, тағы ҡарап сыҡ.Ҡыҙ уны-быны әйтеп өлгөргәнсе, егет, ҡыйыуһыҙланып, сығып та һыҙҙы.Ҡасанан бирле хыялланып та ҡыҙыҡай эргәһенә яҡын бара алмай йөрөгән егет бөгөн ҡыҙға, ситләтеп кенә булһа ла, йөрәк серен белгертте.Иртәгәһен мәктәптә осрашҡас, икеһе лә бер-береһенә серле генә ҡараш ташлап, үҙҙәре генә аңларҙай итеп йылмайышты. Бына шулай башланып китте уларҙың мөхәббәте. Башта апаруҡ ваҡыт китап аша тәмлекәстәр менән алышыштылар. Бер аҙҙан осрашып һөйләшә башла-нылар. Икәүләп киноға барған саҡтары ла булды. Кискеһен йәшеренеп кенә оҙатып ҡуя. Егет ҡыҙҙың ҡулына ғына ҡағылып алырға итә, тик ҡыйыулығы етмәй. Үпкәләтеп ҡуйырмын да өркөтөрмөн, тип ҡурҡа. Их, ошо оялсанлығы! Әллә артыҡ яратыу уны тамам мәжнүн яһанымы?Йәй көнө ине. Бер саҡ күрше ауылға артистар килгән, концерт була, тинеләр. Ҡыҙҙы мотоциклына ултыртып алды ла китте былар концертҡа. Тамаша иҫ китмәле булды. Гел яратҡан йырсылары килгән икән.Мөхәббәт тураһындағы бер йырҙың “өҙөлөп-өҙөлөп ғашиҡ булдым, кермәгеҙ араларға…” тигән һүҙҙәре ниңәлер күңеленә инде лә уйылды. Ҡайтып еткәнсе шул йырҙы көйләп ҡайттылар.Ә ҡайтыуҙары тағы ла иҫтәлеклерәк булды. Күк күкрәй, йәшен йәшнәй, бына-бына ҡойоп ямғыр яуасаҡ. Гөлсибәр йәшендән ныҡ ҡурҡа. Ул мотоциклдың артында ултырып килә ине, ҡурҡып ахырыһы, егеттең биленән ныҡ итеп ҡосаҡлап алды ла, битен уның арҡаһына терәне. Их, шул саҡта әйләнеп кенә йән һөйгәнен ҡосаҡлап алырға ине лә бит, ярамай, руль тотоп бара. Шунда кисерелгән тойғоно, арҡаһы аша һирпелгән наҙлы йылылыҡты егет мәңге лә онотмаҫ инде. Бөтә ғүмере буйына тик бер Гөлсибәрҙе генә яратасаҡ ул. Егет ҡыҙҙы өйҙәре тапҡырына килтереп еткергәс, ирендәре менән Гөлсибәрҙең ирендәренә ҡағылып ҡына алырға хыялланды. Әммә ҡыҙ әллә юлда килгәндәге үҙенең ҡыйыулығынан оялды, әллә егеттең уйын һиҙенде, ҡапҡа төбөнә килеп еткәс, бер минутка ла туҡтап тормай, ашығып хушлашты ла тиҙ генә ихатаға инеп тә китте.– Их, Гөлсибәр, һин ниндәй серле ҡыҙ!Нурғәленең көндәре Гөлсибәрҙе һағынып үтте. Йәйге кистәрҙә уйынға сығыу бер байрам инде. Унда егет Гөлсибәрҙе күрәсәк. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп бейейәсәк. Йәштәр уйынға дәррәү сыға торғайны. Таҡмаҡ әйтеп бейешеү, уйын-көлкө ярты төнгә тиклем дауам итә.Бер саҡ Гөлсибәр егеттең алдына килеп тыпырҙаны ла ошо таҡмаҡты әйтте.Алдарын алға манам,Гөлдәрен гөлгә манам,Уҡы, егет, шоферлыҡҡа,Һин шофер булһаң, барам...Был ҡәҙимге ритайым таҡмағына Нурғәле ҙур әһәмиәт бирҙе. Гөлсибәр уның шофер булыуын теләй икән, буласаҡ ул шофер, мотлаҡ буласаҡ. Уның өсөн һөйгәненең теләген үтәү – хәҙер иң оло бәхет. Туғыҙынсы синыфты тамамлау тураһындағы таныҡлыҡты ҡулына алыу менән “Йылайыр” совхоз-техникумына механиклыҡҡа уҡырға китте егет. Шофер ғына түгел, техника белгесе буласаҡ ул, үәт. Бөтә машина-тракторҙарҙы өйрәнеп, механик булып сығасаҡ.Ауылдан ситтә уҡып йөрөгәндә Нурғәле Гөлсибәргә көн дә хаттар яҙҙы, тик уларҙың береһенә лә ниңәлер яуап алманы. Ниңә һөйгәне яуап яҙмай? Уға ни булды? Ҡышҡы сессия тамамланыу менән егет ауылына ашыҡты. Кисен ашҡынып клубҡа сыҡты. Ҡыҙҙар араһында Гөлсибәр юҡ ине. Ни уйларға ла белмәй торғанда бер ҡыҙыҡай, эргәһенә килеп, ҡулына китап тотторҙо. Теге хикмәтле китап! Гөлсибәр менән тәмлекәстәр алышҡан химия китабы… Ҡулын өтөп барған әйберҙе тиҙерәк асып ҡарағыһы килеп, егет клубтан ашығып тышҡа сыҡты. Китап араһында был юлы шоколад түгел, ә хат ята ине. Уны тиҙерәк асып уҡырға ашыҡҡан егет башҡаса клубта ҡала алманы. Ҡайтып инеү менән аулаҡ бүлмәгә йүнәлде.Тулҡынланып китапты асты. Унда Гөлсибәрҙең ҡулы менән яҙылған хат һәм ҡыҙҙың фотоһы ята ине.“Нурғәле, беҙ Силәбе ҡалаһына күсеп киттек. Атайым шахтаға эшкә төштө. Беҙҙе ашыҡтырып күсереп алды. Унда миңә урыҫса уҡырға тура килер инде. Ҡыйын булыр. Дуҫ ҡыҙҙарҙы, һине һағынырмын. Беҙ тағы осраша алырбыҙмы, юҡмы? Хуш, ҡәҙерлем, Нурғәле, һин һәр саҡ минең күңелемдең нуры булып ҡалырһың. Мин һине яратам, яратам, яратам…”Их, Гөлсибәр… Хат эсенә һалынған фоторәсемдән донъялағы иң матур ҡыҙ ҡарап йылмая. Бөгөнгөләй иҫендә, йөрәге күкрәгенән һурылып сығырҙай булып һулҡылдай, хистәренең өтөп алып барыуына сыҙар әмәле юҡ. Бер ни уйлай ҙа, фекерләй ҙә алмаған егет тәҙрә яңағына килеп һөйәлде лә ҡараштарын Гөлсибәрҙәрҙең шыршылы өйө яғына табан йүнәлтте. Оҙаҡ торҙо ул шулай, әйтерһең, тораташҡа әйләнде. Бөттө, барыһы ла бөттө, ерҙә йәшәүҙең уның өсөн мәғәнәһе ҡалманы. Күңелен “башҡа осраша алмаҫбыҙ” тигән ҡот осҡос һиҙенеү хәүефе солғап алды.Башҡаса клубҡа ла сығып йөрөмәне. Ҡышҡы каникулы болоҡһоп үтте. Хат яҙырға тип Гөлсибәрҙең адресын эҙләп ҡараны. Әйтерһең, һөйләшеп ҡуйғандар, китапты биргән әхирәте лә, башҡалар ҙа белмәмешкә һалышты.…Был хәлдәргә күп йылдар үтте. Нурғәле өйләнмәй оҙаҡ йөрөнө, Гөлсибәргә оҡшаған ҡыҙҙы эҙләне. Тапты ул шундай бер сибәрҙе, тик ул телһеҙ һәм һаңғырау булып сыҡты. Ауыл хужалығы академияһын тамамлаған, ҙур совхозда баш инженер булып эшләп йөрөгән, һыу һөлөгө кеүек егеттең күрәләтә бер ғәрипкә өйләнеүе Таймаҫовтар өсөн ғәрлек хәл ине. Ата-әсәләре илап ҡаршы төштө. Егет бер кемде лә тыңламаны. Буйҙаҡ йөрөй тип әйтмәһендәр өсөн генә өйләнде.Ҡатынының холҡо һәйбәт ине, арыу ғына йәшәп киттеләр. Дөрөҫөн әйткәндә Нурғәлегә, Гөлсибәрен юғалткас, кемгә өйләнһә лә барыбер булды. Тормош юлдашының телһеҙ, һаңғырау булыуының ыңғай яҡтары ла бар. Күп һөйләшеп тормайҙар. Ниңәлер балалары ла булманы. Ул һаман Гөлсибәрҙе уйланы. Ә ҡыҙ һыуға баткандай юғалды. Төндәрен һағыныуына тәҡәт тапмай, тороп фотоальбомын аса ла һөйгәненә төбәлә.– Ҡайҙа һин, Гөлсибәр, һин ҡайҙа? – тип барлыҡ Ғаләмгә һөрән һалғыһы килә. Тик, теле аңҡауына йәбешкәндәй, өнһөҙ ҡала.Йылдар үтте. Тоҡта беҙ ятмаған кеүек, сер ҡасан да килеп бер сиселә. Бигерәк тә ауыл ерендә. Күпме йәшерергә тырышмаһындар, Нурғәле Гөлсибәрҙәрҙең ауылдан күсеп китеү сәбәбен белде.Бик борон замандарҙан, граждандар һуғышы осоронанмы, әллә унан да элегерәк башланғанмы, Таймаҫ менән Динебәк нәҫелдәре араһында ҡан дошманлыҡ йәшәп килгән. Был туралағы боронғо хәтирәләрҙе тәмләп-тәмләп сурытып һөйләргә әүәҫ ауыл ҡарттары, ике аралағы низағлашыуҙы туҡтатаһы урынға, утҡа май һибеп, әленән-әле ялҡынын дөрләтеп торған. Йәштәр йыйылған ерҙәрҙә лә бындай хәбәрҙәр ишетелер булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нурғәле менән Гөлсибәр – ошо ике нәҫелгә ҡараған ғаиләлең балалары. Егет – Таймаҫ, ҡыҙ – Динебәк нәҫеленән. Таймаҫтарҙың аҡһаҡалдары Ишбирҙе менән Хәлил олатайҙар үҙҙәре тере саҡта Динебәктәр менән ҡан ҡатнаштырыуға ҡырҡа ҡаршы торған.Әлеге көнгәсә, нәҫел араһында йәштәрҙең осрашып йөрөүен ишетеп ҡалыу менән, ырыу башлыҡтары ҡан илатып уларҙы айырған. Ҡасандыр, йәш саҡтарында, Нурғәленең атаһы Зөбәйер менән Гөлсибәрҙең әсәһе Суфыя ла бер-береһен өҙөлөп яратышып йөрөгән булған. Ҡарттар хөкөмө буйынса улар ҙа ҡауыша алмаған. Ҡан дошманлыҡ, тамыр йәйеп, улар араһында йәшәй биргән. Ике яҡтың йәштәре бер-береһе менән осрашып йөрөүен белеп ҡалдылармы, айырыуса, егет яғы ғашиҡтарҙы айырырға тырыша, оло быуын туғандары ҡыҫылып, уларҙың дуҫлығына ҡырҡа ҡаршы төшә.– Беҙҙең Аҡбирҙе атлы данлы батырыбыҙҙы үлтергән нәҫелдән ҡыҙ алаһыбыҙ юҡ, – тигән уларҙың ҡарты Ишбирҙе Таймаҫов.– Әхмәтша ҡурайсыны ҡылыс менән сабып үлтергән ҡәүемгә ҡыҙ бирәһебеҙ юҡ, – тигән Динебәктәр.Был юлы ла балалыҡтан сығып та етмәгән Нурғәле менән Гөлсибәрҙең осрашып, һөйөшөп йөрөүҙәре тураһындағы хәбәр Таймаҫовтарға килеп ишетелә. Хәбәр шунда уҡ бөтә туған-тыумасаға тарала. Ололар, ғәҙәттәгесә, йәнә дау ҡуптара.– Ошо беҙҙең ара егеттәре тота ла шул әргендек (көсө, хәле аҙ булғанлыҡтан эшкә ярамаған, кәрһеҙ) Динебәк нәҫеленең мөстән ҡыҙҙарына мөкиббән китә. Йәш сағында атаһының Суфыя тип алйотланып йөрөүе әҙ булманы, хәҙер быныһы, Нурғәлеһе, ғишыҡ тотоп йөрөй шүрәленән яралған нәҫелгә, – тине Хәлил ҡарт, бүләһен шелтәләп.Ырыу ҡото булырҙай һөйкөмлө, сибәр ҡыҙҙарын Таймаҫтарға биргеләре килмәһә лә, был юлы, дошманлыҡты ҡыумайыҡ тип, Динебәктәр өндәшмәй ҡараны.Ә Таймаҫтар өҙмәне лә ҡуйманы. Бер аяғы ерҙә, икенсеһе гүрҙә булған Тимербәк ҡартка тиклем:– Уланыбыҙ шәжәрәбеҙҙе белмәй, маңҡорт булып үҫкән. Һуңғы йылдарҙа нәҫелебеҙ тарихын йәштәребеҙҙең иҫенә төшөрмәй башланыҡ шул. Беҙ – Таймаҫовтар, данлы тархан нәҫеленән. Йәш быуын быны онотмаҫка тейеш. Ә Динебәковтар ғүмер баҡый үҙе туйһа, күҙе туймаған асарбаҡ булды. Алаҡаңлап, кемдең нимәһе ҡырын ята, шуны сәлдереп, ғүмер кисергәндәр. Беҙҙең ата-бабалар борондан Динебәковтарҙы әҙәмгә һанамаған, ҡан ҡатнаштырыу түгел, ялсы итеп тә тотмаған уларҙы.Ҡарттарҙың хөкөмө ҡаты. Әллә ҡасан булып үткән хәлдәрҙе, ана шулай, ҡайта-ҡайта, йәштәрҙең хәтеренә төшөрөп тора улар.– Граждандар һуғышы ваҡытында беҙҙең Аҡмырҙа тигән данлы батырыбыҙҙы шул Динебәктәрҙең йолҡош Әхмәтша бандиты атып үлтергән. Беҙҙең нәҫел араһындағы ҡан дошманлыҡ ана шунан башланған. Ете быуында ла был хәлдәр онотолорға тейеш түгел.Аҡһаҡалдарҙан бындай ҡот осҡос хәлдәр тураһында ишеткән йәштәр аптырап ҡалған. Был юлы ла ҡарттар уларҙы тиҙерәк айырырға тигән ҡарар сығара.Гөлсибәрҙең әсәһе Суфыя имеш-мимештәрҙе ишеткеләп йөрөһә лә, башта, бөтмәҫ уларҙың дошманлашыуы тип, әллә ни иғтибар бирмәне. Нурғәленән ҡыҙының намыҫынан көлдөртөргә йөрөйҙәр икән тигән һүҙ килеп еткәс, әсә йөрәгенә хәнйәр ҡаҙанылармы ни! Булыр ул Таймаҫтарҙан, тине. Ағыулы һүҙ кеше үлтерер, тигәндәр. Ҡыҙҙарының намыҫын мәсхәрәнән һаҡларға тырышҡан ата-әсә кәңәшләште лә ауылдан бөтөнләйгә күсеп китте.Әлбиттә, барып урынлашыу менән Гөлсибәр һөйгәненә, адресын күрһәтеп, хат яҙып һалды. Бынан йөҙ йыл элек йәшәп киткән Аҡбирҙе менән Әхмәтшаның уларҙың мөхәббәтенә ни ҡатнашлығы бар? Ул бит Нурғәлене өҙөлөп ярата. Әммә ҡыҙҙың хаттары егеткә барып етмәне. Таймаҫовтар араһының бер кешеһе почтала эшләп йөрөй икән. Ҡарттар ҡушыуы буйынса ул хаттарҙы килеү менән юҡ итеп торҙо.Йылдар хистәрҙе һүрелтә, тиҙәр. Ҡайҙан һүрелтһен инде. Ысын мөхәббәт ҡан дошманлыҡтан көслөрәк. Ул үлемһеҙ.Ишбирҙе, Хәлил ҡарттар һәм башҡа нәҫел ҡонон юллаусылар үлеп киткәс, ике яҡтың да тамам үҙәгенә үткән дошманлыҡты башҡа ҡыуыусы ла, ҡуйыртыусы ла булманы. Хәҙер инде был фамилиялар ҙа ауылда һирәк ишетелә. Бары бер-береһен яратҡан йөрәктәр араһындағы һары һағыш, ергә һеңеп, күктәргә ашып, барлыҡ тәбиғәткә көйөк булып, мәңгелеккә тороп ҡалды.Нурғәле ҡатыны менән егерме биш йылға яҡын бергә ғүмер кисерҙе. Бер-береһенә талап ҡуйманылар, һәр кем үҙенсә йәшәне, үҙенсә йөрөнө. Һаулығы шәптән булманы меҫкен ҡатындың. Телһеҙ һәм һаңғырау булыуы етмәгән, быуындары һыҙлап ҡаҡшатты. Аҙаҡ һыҙланыуы йөрәгенә төштө. Тамам йонсоп, был донъянан ыҙалап китеп барҙы мәрхүмә. Нурғәле ҡатынын ҡәҙерләп ерләне. Инде өс йыл яңғыҙы, һуңғы ваҡытта тәүге мөхәббәте Гөлсибәрҙе генә уйлап, хыял донъяһында йәшәй. Ҡайҙа икән уның берҙән-бере, һөйөклөһө Гөлсибәр?! Мәңгелек мөхәббәтен иҫләйме икән?!Бер саҡ, телевизорҙан юғалған кешеләрҙе эҙләп табыу тураһында тапшырыу ҡарап ултырғанда, башына уй килде: ә ниңә ошолай итеп эҙләтеп ҡарамаҫҡа? Оҙаҡҡа һуҙмай һөйгәнен эҙләүҙәрен үтенеп хат яҙып ебәрҙе. Яуап көтөп, күңеле талпынып йөрөгәндә уға Мәскәүҙән шылтыраттылар: “Һеҙҙе Гөлсибәр исемле ханым эҙләй. Осрашыуға килегеҙ”. Ысынмы икән был? Ышанып булмай! Йөрәк ярһыуына сыҙар хәле ҡалмаған Нурғәле, тиҙ генә йыйынып, Мәскәүгә осто.Бына Нурғәле “Останкино” телеүҙәгенең коридоры буйлап килә. Ҡаршыһына, ҡояштай балҡып, урта йәштәрҙәге ханым йүгерә-атлай килә. Бәй, әллә Гөлсибәр инде? Эйе, эйе, был бит Гөлсибәр, уның ҡәҙерлеһе! Йә, Хоҙай, әллә тағы ла нығырак сибәрләнгән инде?..Гөлсибәр уны алыҫтан уҡ таныны. Олпатланған булһа ла, барыбер үҙгәрмәгән Нурғәлеһе. Әллә яратып, һоҡланып ҡарауы инде. Бына улар бер-береһенә яҡын уҡ килеп етте.– Нурғәле!– Гөлсибәр!– Беҙ икебеҙ ҙә бер-беребеҙҙе эҙләп, бер үк ваҡытта тапшырыуға хат яҙғанбыҙ икән.Әйтерһең дә, арала тиҫтәләгән йылдар ятмаған! Улар, етәкләшеп, телеүҙәк бинаһынан сығып, бергә атлап китте.Шулай итеп, Таймаҫовтар менән Динебәковтар нәҫеле араһындағы ҡан дошманлыҡҡа нөктә ҡуйылды. Мөхәббәт көсө юғарыраҡ булып сыҡты. Лира ЯҠШЫБАЕВА. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Милли кейем - халыҡтың тотош тарихын, йәшәү рәүешен, фольклорын һәм зауығын сағылдырыусы иң тѳп күрһәткестәрҙең береһе. Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында, 2019 йылдан бирле тѳбәктә Милли кейем кѳндәре билдәләнә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, әлеге сара йылына ике тапҡыр - апрелдең - ѳсѳнсѳ, сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла. Милли кейем - халыҡтың тотош тарихын, йәшәү рәүешен, фольклорын һәм зауығын сағылдырыусы иң тѳп күрһәткестәрҙең береһе. Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында, 2019 йылдан бирле тѳбәктә Милли кейем кѳндәре билдәләнә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, әлеге сара йылына ике тапҡыр - апрелдең - ѳсѳнсѳ, сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла. һуңғы йылдарҙа кейемдә милли элементтар ҡулланыу модаға инә. Һаҡал, селтәр тѳшѳрѳлгән футболкалар, ҡусҡарлы галстуктар, баш кейемдәре, күлдәктәр йәштәрҙе лә, урта һәм оло быуын вәкилдәрен дә берҙәй ҡыҙыҡтыра. Республиканың ҡайһы бер мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусылары бер иштән тегелгән милли биҙәкле костюмда белем бирә. Һәм был, әйтергә кәрәк, бик матур күренеш. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өфөлә "Торатау" конгресс-холында барған "Үҙебеҙҙә!" студенттар форумында Рәсәй төбәктәрендә белем алған йәштәр ҡатнаша. Форумда Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙан, шулай уҡ сит илдәрҙән 900-ләгән студент ҡатнаша. Форумдың "Үҙебеҙҙә" тип аталыуы ла осраҡлы түгелдер. Республика Башлығы Радий Хәбиров республикаға эшкә ҡайтҡас уның өндәмәләренең береһе "Үҙебеҙҙә эшләү бәхет" тип аталды. Ысынлап та, студенттар Башҡортостанға ҡайтырға теләй, тик бының өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Шуларҙың иң мөһимдәре лайыҡлы эш хаҡы һәм уңайлы эш урындары. Республика Башлығы Радий Хәбиров Интернеттағы сәхифәһендә студенттарға мөрәжәғәт итеп "Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!" тип белдерҙе. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Уның аша беҙ тормош менән танышабыҙ, тәүге һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә. Әсә булыу – яуаплы һәм изгелекле бурыс. Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Уның аша беҙ тормош менән танышабыҙ, тәүге һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә матур, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә. Әсә булыу – яуаплы һәм изгелекле бурыс. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Башҡорттарҙың ирәкте ырыуы вәкилдәре республиканың төньяҡ-көнбайышында, башлыса Тәтешле районында йәшәй. Шулай уҡ улар Башҡортостандың – Борай, Балтас һәм Татарстандың Мөслим районында ла ғүмер итә. Был ырыуҙың сығышы киң таралған табындарға бәйле. Шуға уларҙы икенсе төрлө ҡара табын тип тә атағандар. Күренекле шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой һәм халҡыбыҙ араһында аң-белем таратыуға ҙур өлөш индергән уның улы Ғарифулла Кейековтың әҫәрҙәрендә ирәктеләрҙең тарихы сағылыш таба. Ғәли Соҡорой әйтеүенсә, ирәктеләрҙең асыл бабалары Тобол, Иртыш яҡтарында ғүмер һөрә, шунан улар, таҙҙар, уран, ҡайпан, табын, ғәйнәләргә күрше булып, Бөрө өйәҙе ойоштороласаҡ ерҙә төпләнә. Боронғо телдә «ирәкте» һүҙе «ҡәлғәлә тороусы» тигәнде аңлата. Был ырыуҙың кешеләре ҡәлғәлә хеҙмәт иткәндәре өсөн ошо исем менән аталған. Легенда буйынса, Ҡара табын исемле бабалары, кинйә улы Әхмәтшәйехте иркәләтеп, «Ирәктем, Ирәктем! Иртышлым, ир кешем!» – тип һөйгән, ти. Ғәли Соҡорой үҙҙәрен тасуирлап: «Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Ер эшкәртеүсенең улы – ер эшкәртеүсебеҙ. Крәҫтиән улы – крәҫтиәнбеҙ», – тигән. Ғ. Кейеков үҙҙәре һөйләшкән, яҙышҡан телде «тач башҡортча» тип, билдәле ғалим, мөхәррир Ризаитдин Фәхретдинов ойошторған «тел ярышы»нда туған телен яҡлап ҡатнаша. «Мына, рәхмәт! Тәңре ярлыҡасун «Шура» эйәсене! «Шура»ның шушы лисанларында асыл телемезне онотдырмасҡа, һәр түбәгә бер-ике адәм асыл телне гел шул тел белән генә сүләшүргә дә, язарға да димләүенә. Ходай Тәғәлә һәр илгә бер тел биргән. Безгә бүтән тел белән остаруб сүләшергә ник көчәнергә?» – тип, ул телгә алынған матбуғат битендә сығыш яһай. Шәжәрәләре буйынса, ҡара табын аймағы Сыңғыҙ хандың замандашы булған Уйшын Майҡы бейҙән тарала. Унда уларҙың төп ата-бабалары донъяның күп ерҙәрен яулап алған Сыңғыҙ хан менән бер арбала йөрөүе риүәйәт ителә. XVI быуаттың тәүге яртыһында ирәктеләрҙең башлығы Иҫән хан була. Уға шулай уҡ гәрәй, уран, таҙҙар, балыҡсы башҡорттары ла буйһона. Уның етәкселегендә ирәктеләр башҡорттарҙың формалашыуына ҙур өлөш индерә. Юғарыла телгә алынған шәхестәрҙән тыш, ирәкте ырыуынан бик күп күренекле кешеләр сыға. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев менән Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаева ла бар. Был төйәктә ҡәләм оҫтаһы, оҙаҡ йылдар «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе булып эшләгән Финат Шакирйәнов, һәүәҫкәр тарихсы Рауил Исламшин тыуған. Тальян гармун яһаусы Рәйеф Сәлимгәрәев оҫталығы менән дан тотҡан. Һәр кемгә билдәле сәхнә йондоҙҙары Хәниә Фәрхи менән Салауат Фәтхетдиновтың тамырҙары ирәктеләргә барып тоташа. Халыҡ-ара кимәлдә еңел атлетика буйынса спорт мастеры исеменә лайыҡ булған Нәсибулла Хөснуллин башҡорттарҙың иң көслө һәм сыҙамлы кешеһе тип табылған. Әхәт Сәлихов, тарих фәндәре кандидаты. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.