text
stringlengths
369
192k
Азат Нурғәлиев 1993 йылдан алып фермер хужалығын етәкләй. Элек алған һөтөн эшкәртеүселәргә тапшырған. Һөттө тапшырғанға ҡарағанда эшкәртеүгә тотоноу күпкә килемлерәк, тигән уй килә уға. – Ауыл хужалығы кооперативы булдырһаң, дәүләт ярҙамы алырға мөмкинлек бар икәнен белеп ҡалдым. Фекерҙәштәрҙе йыйыу ауыр булманы. Пайсылар рәтенә 12 шәхси ярҙамсыл һәм бер фермер хужалығын йәлеп итә алдым. Бергә республиканың ауыл хужалығы министрлығына, гранттар бүлеү конкурсына, мөрәжәғәт иттек. Проектыбыҙ килем килтереүселәр иҫәбенә ингән, – тип һөйләй Азат Динислам улы. “Нур-Агро” ауыл хужалығы кооперативы 2,6 миллион һум грант алған. Был аҡсаға кәрәкле ҡоролмалар һатып алынған. Ике йыл эсендә ауыл хужалығы берләшмәһе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Бөгөн “Нур-Агро” ун биш төрлө тәмле, иң мөһиме тәбиғи һөт продукцияһы сығара. Улар араһында кефир, ҡатыҡ, йогурттар, ҡаймаҡ, һөт һәм башҡалар бар. Ҡыш көнөндә 2 мең тонна һөт эшкәртелә. Продукция үҙ райондарында һатыла, шулай уҡ Өфө магазиндарына ла килтерелә. “Нур-Агро” ауыл хужалығы кооперативы йыл һайын ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнаша. Үткән йыл кооператив “агрокомплекс” күргәҙмәһендә “Иң яҡшы ризыҡ” конкурсында бронза миҙал яуланы. Ә V “Беҙҙең бренд” аҙыҡ-түлек фестивалендә “Иң яҡшы аҙыҡ-түлек – 2020” конкурсында лактозаһыҙ йогурт һәм “Ҡымыҙ+бал” ҡымыҙ продукцияһы менән еңеп сыҡты. Азат Динислам улы әйтеүенсә, кооператив етештереүҙе артабан да үҫтерергә ниәтләй. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала 360 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Уларҙың 230-ы республика килем килтереүсе проекттар программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ике йыл эсендә был программа буйынса төбәк ҡаҙнаһынан 600 миллион һум аҡса бүленгән. Республикала ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектының “Фермерлыҡҡа ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Яңылыҡ сығанағы: «Башҡортостан ҡыҙы» #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин "Мораҙым" гәзите. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Быйылғы йәй ҡоро килеү сәбәпле, Башҡортостандың 4 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе ихтималлығы хаҡында үткән һандарҙың береһендә ҡаға-һуға ғына әйтеп үткәйнек. 4 район исемлегенә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары менән бер рәттән Көйөргәҙе районы ла кергән ине. Хәҙер был исемлек тағы ла икәүгә артып, Әбйәлил һәм Стәрлебаш райондары ла өҫтәлде. 2018 йылда 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105, 6 мең гектар майҙандағы сәсеүлектәре зыян күргәйне һәм ғәҙәттән тыш хәл режимы 19 районда, шулай уҡ Күмертауҙа кертелгәйне. Былтыр хужалыҡтар 460 млн һум аҡса юғалтҡан. Быйыл да 20 муниципалитеттан иген ҡороп үлә тигән сигнал алынған. Әлеге көндә урындарҙа комиссия эшләй һәм юғалтыуҙарҙы иҫәпләй. Быйылғы йәй ҡоро килеү сәбәпле, Башҡортостандың 4 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе ихтималлығы хаҡында үткән һандарҙың береһендә ҡаға-һуға ғына әйтеп үткәйнек. 4 район исемлегенә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары менән бер рәттән Көйөргәҙе районы ла кергән ине. Хәҙер был исемлек тағы ла икәүгә артып, Әбйәлил һәм Стәрлебаш райондары ла өҫтәлде. 2018 йылда 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105, 6 мең гектар майҙандағы сәсеүлектәре зыян күргәйне һәм ғәҙәттән тыш хәл режимы 19 районда, шулай уҡ Күмертауҙа кертелгәйне. Былтыр хужалыҡтар 460 млн һум аҡса юғалтҡан. Быйыл да 20 муниципалитеттан иген ҡороп үлә тигән сигнал алынған. Әлеге көндә урындарҙа комиссия эшләй һәм юғалтыуҙарҙы иҫәпләй. Эйе, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә быйыл бигерәк тә ауырға тура килә. Бер яҡтан ҡышын ҡар аҙ булды, яҙғы һыуыҡтар һәм йәйге ямғырһыҙ 40 градуслы эҫе. Быларҙың барыһы ла иген культураларына рәхәтләнеп үҫергә ирек бирмәне. Быйылғы игенде лә, бесәнде лә ҡоролоҡ «ашаны» шул. Белгестәр был күренеште тупраҡ һәм атмосфера ҡоролоғо тип атай, бындай хәл һуңғы тапҡыр 2010 йылда булғайны, тиҙәр. Һауа торошоноң бындай «бүләге»нән хужалыҡтар ғына түгел, ябай халыҡ та зыян күрә. Ауылда көн күргән ҡайһы ғына танышыңды осратһаң да: «Бесән юҡ быйыл, бесән юҡ. Малдарҙы нисек ҡышлатырбыҙ инде», - тип ҡайғыра. Былай ҙа ауылдарҙа мал һаны аҙ ти инек, хәҙер тағы кәмерме икән? Хужалыҡтарға ла еңел түгел. Уңыш яҡшы булһа, түләрбеҙ тип йыл да улар кредит ала. Шулай уҡ эшсәндәргә хеҙмәт хаҡы түләр кәрәк. Әллә күпме көс түгеп, әллә нисәмә һумға орлоҡ һатып алып, әллә күпме суммалыҡ яғыулыҡ яғып, техника алып, иген үҫтереүҙән ни фәтүә? Ғөмүмән, бөгөн райондың ауыл хужалығында хәлдәр нисегерәк? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллинға мөрәжәғәт иттек: - Хәлдәр шәптән түгел шул, шәп булһа, ғәҙәттән тыш хәл кертмәҫтәр ине. 5 авгусҡа тиклем документтар тапшырырға кәрәк. Бөгөнгө иҫәпләүҙәр буйынса 4 мең гектар самаһы игенебеҙ юҡҡа сыҡты. Был 14 миллион һум аҡса юғалтыуыбыҙ тураһында һөйләй. Дәүләт ярҙам итеренә, сарыф ителгән аҡсаны ҡапларына ышанабыҙ, - тип ҡаршы алды беҙҙе Нәүғәт Кәлимулла улы. - Йыл да берәй проблемаһы килеп сығып тора, йә ҡоролоҡ, йә, киреһенсә, иген ныҡ уңа ла һата алмайҙар, йә һаҡларға урыны булмай. Әллә күпме аҡса түккәнсе, бөтөнләй сәсеп яфаланып торорға ла кәрәкмәйҙер, бәлки? - Ер шарының бар төбәгендә лә ауыл хужалығы — килемһеҙ тармаҡ һанала. Хөкүмәт һәр ерҙә лә гел ярҙамға килә, һәр дәүләт үҙ мөмкинлектәренән сығып ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Европа илдәрендә бындай ярҙам күләме 40% тирәһе тәшкил итә, беҙҙә күпкә аҙыраҡ инде. Ни өсөн килемһеҙ тармаҡ булһа ла дәүләт аграрийҙарҙы ҡарай һуң, тиһегеҙме? Ауыл халҡы нимә менәндер мәшғүл булһын өсөн шулай эшләнелә. Ауылдар һаҡланһын, ауылдарҙа эш булһын өсөн дә. Белеүегеҙсә, хөкүмәт ауыл хужалығы тармағына төрлө субсидиялар менән ярҙам итеп тора. Техникаға, ашламаға, элиталы орлоҡҡа субсидиялар ҡаралған, грант ярҙамы бар. Кооперация менән эшләргә кәрәклеге, уның бик тә отошло булыуы хаҡында яңыраҡ ҡына уйлана башланылар. Ысынлап та, берләшеп эшләү күпкә файҙалы. Был турала беҙ һәр ваҡыт әйтә киләбеҙ. - Ауыл кешеһе априори ярлы һанала. Ауыл хужалығында бөгөнгө көндә уртаса эш хаҡы күпме? - 1 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса ауыл хужалығында уртаса эш хаҡы 17 797 һум тәшкил итә. Быны ул хәтлем насар, тип әйтеп булмай. - Быйылғы ҡоролоҡтан ниндәй культуралар нығыраҡ зыян күрҙе? - Бойҙай ныҡ зыян күрҙе. Көнбағыштың тамыры бик тәрәнгә китә, шуға күрә ул бирешмәй. Бында сәсеү әйләнешен дөрөҫ итеп көйләргә кәрәклеге хаҡында ла әйтергә кәрәк. Көнбағыштың тамыры уңыш өсөн бик күп файҙалы матдәләрҙе төптән юғарыға күтәрә һәм тупраҡта ҡалдыра. Был урынға киләһе йылына икенсе культура ултыртыу күпкә отошло. Төп иғтибарҙы иң тәүҙә тупраҡтың уңдырышлылығына бүлергә кәрәклеге хаҡында онотоп китәбеҙ ҡайһы берҙә. Әле бына No-Till технологияһын ҡулланалар. Уның ыңғай яҡтары бик күп, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта был технологияның да ҡайһы бер кире яҡтары булыуын оноторға ярамай. - Иген генә түгел, бесән дә быйыл ҙур зыян күргәндер? - Бесән быйыл аҙ. Былтырғыға ҡарағанда 2 тапҡырға әҙерәк. Ҡайһы бер урындарҙа бесән бөтөнләй юҡ. Мәҫәлән, Киров исемендәге хужалыҡты ғына алғанда, былтыр бер баш шартлы малға 28 аҙыҡ берәмеге тәшкил итһә, быйыл ул күрһәткес 14,5. Ә бына «Ватан»дар аҙыҡ берәмеген 18,5-кә еткерҙеләр. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙың былтырғы запасы бар. Бесәнде нисек тә еткерәсәкбеҙ, мал һанын кәметмәйәсәкбеҙ. Бесәндән башҡа силос, сенаж һәм башҡа ҡатнаш аҙыҡтар ҙа әҙерләнә. Шулай булғас, малдарҙы ҡыш сығара аласаҡбыҙ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Күптән түгел Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Сираттағы сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Аппараты етәксеһе урынбаҫары А. Сирбаев, Бөтә Рәсәй тәрбиәселәр йәмғиәте рәйесе Г. Килдеғолова, район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Хәйбрахманов ҡатнашты. Фәрит Ғәлимйән улы, сараны асып, сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны һәм ҡоролтай эшендә уңыштар теләне. Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе И. Маннапов ойошманың эше тураһында һөйләне. Район мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошо, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың уңыштары менән район методик берекмәһе етәксеһе Т. Ғәлиуллина таныштырҙы.Ҡатай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л. Ғабдуллина “Етегән” район-ара гәзит эшмәкәрлеге, уның йөкмәтке-һе тураһында бәйән итте, гәзит эш-ендә ҡатнашыусы уҡытыусыларҙы исемләп телгә алып, киләсәктә тағы ла әүҙемерәк хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы. Г. Мөхәмәҙиева үҙ сы-ғышында район китапханаһында үткәрелгән тыуған төйәкте өйрәнеү йүнәлешендәге саралар һәм улар- ҙың тәрбиәүи әһәмиәтен барланы. Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. А. Сирбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эш йүнәлештәре, пландары хаҡында бәйән итте. “Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн” тигән девиз аҫтында ойошторолған башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын төҙөү эшенә ҡушылырға өндәне. Был ҙур һәм бик көнүҙәк проект өсөн махсус сайт асылған, һәр кем үҙ тәҡдимен шунда индерә ала: STRATEGY. BASHKORT.ORG. Азамат Зиннур улы йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм милләттәштәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне, халҡыбыҙҙы берләштереүгә арналған сараларҙы үткәреүгә, милли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәре-беҙҙе үҫтереүгә, киләсәк быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә тос өлөш индереүҙәре өсөн рәхмәт әйтте. Г. Килдеғолова туған телде балаға кескәй саҡтан уҡ ғаиләлә, балалар баҡсаһында өйрәтеү мәсьәләләре тураһында һүҙ алып барҙы. ”Бала милләтен белеп үҫһен, оялмаһын. Әгәр кәмендә 7-12 баланың ата-әсәһе балаһын балалар баҡсаһында уҡ башҡортса өйрәтергә теләй икән, быны эшләп була, тик ғариза яҙырға ғына кәрәк”, – тине ул. Баҡалы районында башҡорт телендә тәрбиә биреүсе балалар баҡсаһымы, төркөммө асыу мохтажлығы була икән, реаль ярҙам күрһәтергә әҙер булыуы тураһында ла әйтеп үтте. Артабан һүҙ район ҡоролтайы башҡарма комитеты составын яңыртыуға арналды. Ҡоролтай эшмәкәрлеген әйҙәп алып барыу бурысын Гөлсинә Рафаэль ҡыҙы Закирова атҡарасаҡ. Быйыл 28-29 июндә үтәсәк сираттағы Ҡоролтайға делегат итеп Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе Г. За-кирова һайланды. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Киләһе йыл илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо айҡанлы бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны старт алды. Киләһе йыл илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо айҡанлы бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында республика кимәлендәге “Еңеү” марафоны старт алды. Был марафон быйыл ноябрҙән алып киләһе йылдың майына тиклем “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә үтәсәк һәм Башҡортостандың бар ҡала һәм райондарын йәлеп итәсәк. Марафондың символикаһы: “Еңеү” штандарты һәм “Мәңгелек ут” капсулаһы. Марафондың төп бурысы – йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау. Бөгөнгө марафонды асыу тантанаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, власть органдары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәтселәр ҡатнашты. Улар “Мәңгелек ут”ҡа сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Митингҡа йыйылғандарҙы республика Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сәләмләне. Фестивалдең беренсе зона концерты Борай районында үтәсәк. Шуға күрә бөгөн район хакимиәте вәкилдәренә тантаналы рәүештә “Еңеү” штандарты тапшырылды. Ә “Мәңгелек ут” капсулаһы һыбайлылар төркөмөнә тапшырылды. “Еңеү” марафоны положениеһына ярашлы, марафон символдарын тапшырыу тантанаһы 10 муниципаль районда үтәсәк. Уларҙа “Еңеү Салюты” халыҡ ижады фестивале смотрҙары ойоштороласаҡ. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
2 сентябрҙә — Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндә «Халыҡ хәтере» акцияһы старт алды. Ул республикала йәшәгән һәр кемгә ата-бабаларының хәрби юлы һәм ҡаһарманлыҡтары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Акция барышында республиканың барлыҡ ҡалаларында ҡабул итеү бүлмәләре эшләй, унда туғандарыңдың наградалары, хәрби юлы тураһында мәғлүмәт алырға була. Проектты тәүге тапҡыр Башҡортостандың Йәмәғәт башланғыстары форумында Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәтенең республикалағы бүлексәһе советы рәйесе Владимир Волков тәҡдим итте. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың туғандары ата-бабаларының хәрби юлы, уларҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында мәғлүмәт биреүҙе һорап йыш мөрәжәғәт итә, тип билдәләне ул. Был акция ошо мөрәжәғәттәрҙе тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юлдаш" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи , информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ 02-01372.
Был аҙнанан өҫтәмә белем биреү учреждениеларында түңәрәктәр ҙә онлайн рәүештә алып барыла башланы. Әлбиттә, бындай шөғөлләнеү алымына өйрәнеп китеүе бигүк еңелдән түгел, шулай ҙа балаларға, атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға ла күнегергә тура киләсәк. – Дистанцион уҡыуға алдан уҡ әҙерләндек, төрлө интернет ресурстарын ҡулланып, дәрестәр үткәреп ҡараныҡ. Ватсапта һәр синыфтың төркөмө лә бар, – ти Иҫәнғолдағы балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Гөлфиә Хәлил ҡыҙы Вәлитова. Ул бында 2012 йылдан алып эшләй, һынлы сәнғәт синыфында композия, һүрәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура, сәнғәт тарихы дәрестәрен алып бара. Каникул ваҡытында ла уҡыусылары бер ҙә тик ятмаған. Өйгә бирелгән эштәрен башҡарғас, уны фотоға төшөрөп, уҡытыусыларына ебәргән. – Ниндәйҙер хаталарын табып, үҙгәртергә кәрәк булһа, аңлатып яҙып ебәрәм. Унан оҡшамаған урын­дарын төҙәтеп, эштәренең фотоларын ҡабаттан һалалар, – ти уҡытыусы. Был синыфта уҡыусылар һынлы сәнғәт төр­ҙәрен өйрәнә. Мәҫәлән, биҙәү-ҡулланма сәнғәте дәрестәрендә кейеҙ һуғыу, туҡымалар­ҙан паннолар эшләү, сигеү серҙәренә төшөнәләр. Эшләгән янсыҡтары, селтәр­ҙәре лә күҙҙең яуын алырлыҡ! – Беҙҙең программабыҙ дүрт йылға иҫәпләнгән. Тәүге йылды уҡыусыларҙы төрлө эш ысулдары менән таныштырабыҙ. Ул кейеҙҙән эшләнгән уйынсыҡмы, туҡыманан яһалған ҡурсаҡмы, стилләштерелгән селтәрме, янсыҡмы, башҡорттоң тамбур сигеүеме – барыһын да балалар тырышып өйрәнә. Уларҙан район мәҙәниәт йортонда күргәҙмә ойошторабыҙ. Беҙҙә уҡығандар үҙҙәренең киләсәген рәссам, дизайнер, скульптор кеүек һөнәрҙәр менән бәйләй, – ти Гөлфиә Хәлил ҡыҙы. Һынлы сәнғәт синыфында уҡыусыларҙың уңыштары хаҡында ла әйтеп китмәйенсә булмай. Республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа яулаған дипломдары, Почёт грамоталары бихисап уларҙың. 2017 йылда республика кимәлендә ойошторолған «Алтын даға» бәйгеһендә Гран-при яулап та һөйөнгәндәр. Уҡыусыларының эштәрен Өфө, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында үткәрелгән төрлө күргәҙмәләргә лә алып барып күрһәтәләр. Балалар сәнғәт мәктәбендә өлкәндәр өсөн дә йылына ике-өс тапҡыр оҫталыҡ дәрестәре ойошторолоуын белдек. Улар үҙҙәре менән кәрәк-яраҡтар килтереп, ниндәйҙер әйбер эшләргә өйрәнеп, рәхмәт әйтеп, ҡыуанып ҡайтып китә икән. Кейеҙҙән баш кейеме, шарф һуға ла белә икән күптәре. Бында уҡыусыларҙың эштәренә һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә ҡарап ҡуяһың. Төрлө яҡлап һөнәрле булыу һәйбәт инде ул. Юҡҡа ғына: «Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең – үҙеңә», – тимәйҙәр бит. Етмәһә, мәктәптә уҡыуҙы тамамлағас, ошо йүнәлештә белем алыуыңды дауам итергә лә мөмкин. Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА. Ейәнсура районы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
1973 йылда “һалҡын һуғыш” киң йәйелдерелгән осорҙа, ағалы-ҡустылы ике американлы Маккомак яңы байрам – Сәләмләү көнөн уйлап сығарған. Шул йылдың 21 ноябрендә улар Ер шарының төрлө төбәктәренә тик изге теләктәрҙән генә торған сәләм хаттары ебәргән. Шарт буйынса хат алыусы ошондай уҡ йөкмәткеле хатты кәмендә ун кешегә ебәрергә тейеш булған. Был күренеш тиҙ арала бөтә Ер шарына таралған һәм ошо көндән төрлө милләт кешеләре, төрлө һөнәр эйәләре, йәше-ҡарты бер-береһен сәләмләй, матур теләктәрен еткерә икән. Сәләмләшеүгә мосолмандарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә, улар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешә. “Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гөнаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр”,— тигән Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ы — беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була. Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт кенә түгел, көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур. Элегерәк кешеләр бер-береһенә таныш-тоноштары аша сәләм ебәрер булған. Хәйер, был күренеш әле лә һаҡланған. Һинең аша сәләм ебәргәндәр икән, һин уны оҙаҡҡа һуҙмай тәғәйен кешеһенә еткерергә лә тейешһең. Баҡтиһәң, үҙ мәлендә (онотолопмо, иғтибарһыҙлыҡ йә иһә аңлы рәүештәме, башҡа сәбәп менәнме) тапшырылмаған сәләм кеше иңенә оло бурыс булып ята икән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Билдәле кешеләрҙең тормошо һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Оҙон толомло, оҙон итәкле, нәзәкәтле йәш актриса Ирада Фазлаеваға ҡарап һоҡланмаған ир заты һирәктер. Хәйер, ир заты ғынамы?! Ҡыҙ-ҡырҡын, апай-инәйҙәр ҙә битараф ҡала алмайҙыр бындай гүзәллеккә. Аңлап тораһығыҙҙыр, ымһындырғыс тышҡы матурлыҡ хаҡында ғына һүҙ йөрөтмәйем. Ирадаға күҙ һалғас та төпһөҙ хазинаға, уның күңел даръяларындағы сикһеҙ тәрәнлеккә юлығаһың. Әҙәм балаһы, ғәҙәттә, төрлө донъяуи хәл-ваҡиғалар, кисерештәр, тетрәнеүҙәр, һыҙланыуҙар, уйланыуҙар аша килә бындай рухи юғарылыҡҡа. Шулай итеп, әңгәмәлә һүҙ Ираданың ҡатын-ҡыҙ, актриса, шәхес булараҡ үҫеше хаҡында. Ирада Фазлаева: “Барыһы ла үҙ мәлендә!” Билдәле кешеләрҙең тормошо һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Оҙон толомло, оҙон итәкле, нәзәкәтле йәш актриса Ирада Фазлаеваға ҡарап һоҡланмаған ир заты һирәктер. Хәйер, ир заты ғынамы?! Ҡыҙ-ҡырҡын, апай-инәйҙәр ҙә битараф ҡала алмайҙыр бындай гүзәллеккә. Аңлап тораһығыҙҙыр, ымһындырғыс тышҡы матурлыҡ хаҡында ғына һүҙ йөрөтмәйем. Ирадаға күҙ һалғас та төпһөҙ хазинаға, уның күңел даръяларындағы сикһеҙ тәрәнлеккә юлығаһың. Әҙәм балаһы, ғәҙәттә, төрлө донъяуи хәл-ваҡиғалар, кисерештәр, тетрәнеүҙәр, һыҙланыуҙар, уйланыуҙар аша килә бындай рухи юғарылыҡҡа. Шулай итеп, әңгәмәлә һүҙ Ираданың ҡатын-ҡыҙ, актриса, шәхес булараҡ үҫеше хаҡында. Дүшәмбе. Артист халҡының берҙән-бер рәсми ялы. Беҙҙең героинябыҙ иһә был көндө күңелле ғаилә мәшәҡәттәре менән йөрөй булып сыҡты. Тормошҡа сыҡҡандан һуң фамилияны алмаштырыу зарур бит. Ираданың, йәғни йәш кәләштең, бөгөн ошо изге ғәмәлде үтәп, документтарын яңыртып ҡулына алған, Ҡадырова-Фазлаева булып киткән көнө лә икән. Һүҙ ҙә юҡ, ҡатын-ҡыҙ өсөн тулҡынландырғыс ваҡиға был. Әйткәндәй, Ирада һәм уның тормош иптәше Наилдең ғаиләһендә тулҡынландырғыс, бәхетле минуттар алда әле… ‒ Ирада, һүҙҙе тормошоңдағы күңелле үҙгәрештәргә бәйләп башлағы килә: былтыр йәй “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәңдә “31.07.2016. Хәҙер мин Ир ҡатыны” тигән яҙыу пәйҙә булып, уны әле бер, әле икенсе төркөм күсереп алып, етеҙ тиҙлек менән таралып китте ул яңылыҡ. “Никах менән әжәл һорап килмә” тигән әйтем бар халыҡта. Был хәл һинең өсөн дә һис көтөлмәгәнсә булған, ахыры... ‒ Аллаһы Тәғәләмдең бүләге тип ҡабул иттем уны. Уйламағанда тормошома килеп ингән, әммә күптән көткән кешем ул Наил. Иң ғәжәбе шул: беҙ уның менән бергә уйнап үҫтек, тик байтаҡ йылдар күрешмәй торҙоҡ. Бер-беребеҙ хаҡында, бәлки, онотҡан да булғанбыҙҙыр. Әммә былтыр йәй “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ҡайтанан осраштыҡ та бер-беребеҙгә насип йәр икәнлегебеҙҙе аңланыҡ. Күрешеүебеҙгә өс көн дә үтмәне, ул әсәйемдән ҡулымды һораны. Ун бер көндән никах уҡыттыҡ. ‒ “Бер-беребеҙгә насип йәр икәнлегебеҙҙе аңланыҡ”, ‒ тип әйттең. Шулай ҙа был һүҙ ярҙамында ғына әйтеп төшөндөрә торған тойғо түгелдер. Ул, нисектер, Хоҙайҙың хикмәте аша күңелгә бирелә торған төшөнсәлер? ‒ Был, ысынлап та, Хоҙайҙың бер мөғжизәһе. Мин һәр ваҡыт кеше үҙенә тиң йәрҙе нисек таба икән тип уйлай торғайным. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, курсташтарымды ғына алып ҡарағанда ла, һәр пар бер-береһенә тап-таман. Беҙ ҙә холоҡ һыҙаттарыбыҙ буйынса бер-беребеҙгә оҡшаш. Хәҙер уйлап ҡарайым да, мин ысынлап та тап шундай кешене көткәнмен. Ул бөтә яҡлап та хыялымдағы образға тап килә. Әлбиттә, принц көтмәй инем. Хәләлем эшсән, ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы мөнәсәбәттә, иманлы булһын, мине аңлаһын, яҡындарымды үҙ итһен тип теләнем. Тик уның менән ҡауышыр минуттар көттөрөбөрәк килде. Әммә мин бер ваҡытта ла өмөтһөҙлөккә бирелмәнем. Йәшем уҙып бара тип артыҡ сәбәләнмәнем. Барыһын да тыныс ҡабул иттем. Һәм сабыр ғына көттөм. Йәшермәйем, ҡайһы берҙә, бәлки, мин ғаилә тормошо менән йәшәргә тейеш түгелмендер, был донъяға башҡа миссия менән яралғанмындыр тигән уйҙар ҙа тыуғыланы. Шул уҡ ваҡыта ир ҡатыны һәм әсәй булырға тулыһынса әҙер инем. ‒ Театрҙағы ролдәрең һине ҡатын-ҡыҙ булараҡ асыуға булышлыҡ иттеме? ‒ Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй булырға тейешлегенә һөнәремдән түгел, махсус әҙәбиәт, дин аша нығыраҡ төшөндөм. Алыҫ йөрөйһө түгел, тормошта бик күп нәмәләргә башҡаларға ҡарап та өйрәнергә мөмкин. Һәм, әлбиттә, үҫешкә ынтылған кешегә үҙенә тәғәйенләнгән ролдәрҙең йоғонтоһо ла булмай ҡалмай. Әйтәйек, бер нисә йыл элек мөхәббәтле ролдәр бирелә башлағас, миндә романтик һыҙаттарҙың үҫешә барыуын тойҙом. Уға тиклем сәхнәлә башлыса шуҡ, көслө ҡатын-ҡыҙ образдарын тыуҙыра инем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бала саҡтан үтә шуҡ, тиктормаҫ булдым. Экстрим ярата инем. Мин үрмәләмәгән ҡая таш, мин менмәгән ағас йәки ҡыйыҡ башы булмағандыр, моғайын. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә уҡығанда ла, хатта Мәскәүҙә Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында белем алғанда ла холҡомдоң шуҡ, шаян һыҙаттары өҫкәрәк ҡалып сыға ине. Әммә бер ваҡытта ла елбәҙәк булманым. Һәр нәмәгә етди ҡарап, еренә еткереп башҡара торған һыҙатым бар. Элегерәк тиңдәштәремдең, артыҡ уҫалһың, тип иҫкәрмә яһағаны ла булды. Әммә мин уларҙы һәр саҡ: “Уҫал түгел, ә талапсанмын”, ‒ тип төҙәтә инем. ‒ Тимәк, артыҡ оялсанлыҡ йәки ҡыйыуһыҙлыҡ кеүек сифаттарың булмаған? ‒ Улай тип әйтмәҫ инем. Оялсанлығым әле лә бар. Ғөмүмән, артист халҡы өсөн хас һыҙат был. Тик беҙ оялсанлығыбыҙҙы йәшерә беләбеҙ. Ә тормошта күбеһенсә беҙ, артистар, күп ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалабыҙ. Сөнки ҡурсыулы мөнәсәбәткә өйрәнгәнбеҙ. Әйтәйек, гастролгә сығып китәбеҙ икән, ти. Беҙҙе йыялар, автобусҡа ултырталар, тәғәйен урынға алып баралар, унда ҡаршы алалар, ашаталар, ҡунаҡханаға алып барып урынлаштыралар. Ә тормошта беҙ үҙебеҙ йәшәргә, барлыҡ мәсьәләләрҙе лә үҙебеҙ хәл итергә тейеш. Шуға ла театр донъяһы менән генә йәшәгән кеше тормошта үҙен нисек тоторға белмәүе лә ихтимал. Ғөмүмән, ниндәй генә өлкәне алғанда ла, эш менән генә көн күреү дөрөҫ түгел. Был осраҡта ул ғүмерен бушҡа үткәрә булып сыға. Күберәк аралашырға, яңы һөнәр кешеләре менән танышырға, үҙ ҡыҙыҡһыныу-мауығыуҙарын тормошҡа ашырырға тейеш һәр кем. ‒ Актер ‒ шундай яуаплы һөнәр эйәһе. Уның ниндәйҙер һылтау табып, ролдән баш тартыу хоҡуғы юҡ, кәйефһеҙ мәлендә лә, сырхап торған саҡтарында ла, хатта яҡын кешеләрен юғалтып, ҡайғынан йөрәге өҙөлөр сиккә еткән минуттарҙа ла сәхнәлә булырға тейеш ул… ‒ Эйе, актерҙың “больничный” һылтауы менән эшкә килмәй ҡалыу хоҡуғы юҡ. Ул аяғында баҫып тора ала икән, тимәк, сәхнәлә булырға тейеш. Хоҙайға шөкөр, һаулыҡҡа бәйле әллә ни етди мәсьәләләр килеп тыуғаны юҡ. Әммә бер көндө иртән торғанда тауышым сыҡмау сәбәпле, фониатрға барып тамағымдың төбөнә дарыу һалдырып сәхнәгә сығырға тура килде. Ә инде юғалтыуҙар, ҡайғылы мәлдәргә килгәндә, олатайымды, апайымды ерләгән саҡтарҙа үҙемдә сәхнәгә сығып уйнарлыҡ хәл таптым. Һәм шуныһы ғәжәп: ана шундай ауыр, һынылышлы мәлдәрҙә актер уйыны нисектер уңышлыраҡ сыға. Һыҙланыу-тетрәнеүҙәрҙе үткәреп, шуларҙы еңерлек көс табып уйнаған роль ҡәҙерлерәк тә һымаҡ. ‒ Һине һәр саҡ оҙон итәкле ҡупшы күлдәктәрҙә күрергә күнеккәнбеҙ. Әсәйең Саимә Хәсәнованың оҫта ҡуллы тегенсе, ошо өлкәлә уңышлы эшләгән шәхси эшҡыуар икәнлеге билдәле. Моғайын, һин үҙең дә тегеү эшенә мөкиббәнһеңдер әле? ‒ Ысынлап та, бала саҡтан уҡ әсәйем мине ҡупшы кейендерергә тырышты. Ә мин, көн дә байрамға йөрөгән кеүек килеп сыға лаһа, тип ҡарышып, үҫмер саҡта күберәк джинсыларға өҫтөнлөк бирҙем. Студент йылдарымда бәйләү менән мауыҡтым. Институтта уҡығанда хатта ярты ставкаға костюмер булып эшкә урынлаштым. Шуға ла тегеү минең өсөн ят нәмә түгел. Беҙҙең ғаиләлә ҡул эшенә маһирлығы менән дан тотҡан кешеләр күп. Олатайым быйма баҫыу оҫтаһы булып танылыу алды. Әсәйем дә ғүмерен яратҡан эшенә бағышлай. Мин дә ваҡытым бар саҡта уға ярҙам иткеләйем. Бынан тыш тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә лә әүәҫмен. ‒ “Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй булырға тейешлеген күберәк дини тәғлимәттәр аша өйрәндем”, ‒ тинең. Дин һинең тормошоңа нисек үтеп инде? ‒ Ул ғүмер буйы минең менән булған. Ләкин мин быны аңлап бөтмәгәнмен. Юғары театр училищеһында өсөнсө курста уҡығанда үҙемдән-үҙем ураҙа тота башланым. Әммә намаҙ уҡыуҙың нимә икәнлеген ул саҡта аңлап бөтмәй торғайным. Был ғәмәлде олоғайғас атҡараларҙыр тип иҫәпләй инем. Шулай ҙа ҡулыма гел дини китаптар эләгеп торҙо. Уларҙы әҙәби әҫәр кеүек ҡабул итеп, мауығып уҡыным. Шулай итеп, диндең тормошома үтеп инеүен үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Сөнки йәшәйешемдә, көнитмешемдә ниндәйҙер ҡырҡа боролоштар күҙәтелмәне. Шулай ҙа яйлап тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Әсәйемә мөнәсәбәтем, ихтирамым артҡандан-артты. Яҡындарымды ҡәҙерләргә өйрәндем. Яңы атҡан һәр көндөң оло бүләк икәнлегенә төшөндөм. Был тойғолар минең аңымда һәр саҡ булған. Әммә ваҡыт үтеү менән улар үҙҙәрен нығыраҡ һиҙҙерә башлаған. Шулай итеп, Аллаһы Тәғәлә артыҡ тетрәнеүҙәрһеҙ яйлап ҡына мине аңлы, ысын тормошҡа әҙерләгән. Бөгөн иһә әҙәм балаһының йәшәйешендә һис нәмәнең дә бушҡа бирелмәүен яҡшы төшөнәм. Сабырлығым да ана шул диндарлыҡтың бер сағылышы. Дин юлына ныҡлап баҫҡас, үҙемде буласаҡ хәләл йәрем өсөн әҙерләй башланым. Әлбиттә, хәҙер мин ни өсөн иртәрәк кейәүгә сыҡмауымды яҡшы аңлайым. Сөнки ул осраҡта үҙемде бөтөнләй башҡаса тотор инем. Тураһын ярып һала торған баш бирмәҫ холҡом ғаилә тормошонда ҡамасаулаған да булыр ине. Хәҙер ундай түгелмен. Беҙ, башҡорт ҡыҙҙары, артыҡ ғорурбыҙ шул. Һәммәһе лә беҙ теләгәнсә, беҙ хәл иткәнсә генә булырға тейеш тип уйларға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ҡайһы саҡта артыҡ әүҙемлектән, тәкәбберлектән баш тартып, үҙеңде ситтән күҙәтеп ҡарап, барыһын да Хоҙай ҡарамағына тапшырырға, уға ышанырға өйрәнеү яҡшы. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып ултырыу тигән һүҙ түгел был. Әҙәм балаһы, ер йөҙөнә яралғас, ғүмерен бушҡа уҙғарырға, йәғни үҫештән туҡтарға тейеш түгел. Ул үҙ аҫылташын төрлө яҡтан шымартып, көндән-көн сағыуыраҡ итергә бурыслы. Минең шәхес һәм ҡатын-ҡыҙ булараҡ формалашыуыма ошолар булышлыҡ итте. Һәммәһе лә үҙ мәлендә килде. Илһамланып эшләп, матур-матур ролдәр ижад итергә лә, төрлө яҡлап үҫешергә лә, тормошҡа сығырға ла өлгөрҙөм. Хоҙайға шөкөр, хәҙер әсәй булырға йыйынам. Журнал уҡыусы барлыҡ гүзәл заттарға ла ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем! Ирада менән артыҡ оҙаҡ һөйләшеп ултырыу мөмкинлеге тәтемәне. Уҙа барһа, утыҙ минут самаһы аралашҡанбыҙҙыр. Әммә ошо арауыҡ эсендә лә уның сикһеҙ күңел даръяһын әҙме-күпме байҡарға өлгөрҙөк. Ваҡыт үтер, уның аҫылташы тағы ла сағыуыраҡ төҫтәр менән балҡыр, һәм, Хоҙай насип итһә, журнал биттәре аша үҙенең яңы кисерештәре, уйланыуҙары, асыштары менән бүлешер әле Ирада.
Беҙгә сүп үләне һымаҡ ҡамасаулап, бимазалап ултырған, әммә иҫ киткес файҙалы үлән тураһында яҙып китмәксе булам. Дегенәк һымаҡ йәбеште, тиҙәр, ныҡымыш кеше тураһында. Дегәнәк тә беҙгә сат йәбешә. Әйтерһең дә, миңә ҡара, әллә кем булып үтеп китмә, мин һиңә кәрәк, ти... Миңә 9-10 йәштәр тирәһе булғандыр. Беҙҙең ауылға әллә һарыҡ кәшәре,әллә ашлыҡ амбары төҙөргә тиҫтәгә яҡын әзербайжан, араларында сегән халҡына ла оҡшаған ир-аттар килде. Уларҙы тау битендә урынлашҡан иҫке мәктәпкә йәшәргә индерҙеләр. Әнейем бейәләр һауа, ҡымыҙ яһай. Араларынан оло ғына ағай килеп көн дә ҡымыҙ ала. Әней яҙып бара. Совхоз бухгалтерияһы һуңынан уларҙың эш хаҡынан тотоп ҡала. Әней бейә һауырға киткән саҡ булһа, мин бидонына дөбөр-шатыр бешә - бешә ҡызлап торған ҡымыҙҙы ҡойоп бирәм. Һөйләшергә бик ярата ине ул ағай. Мин дә аптырап тормайым. – Хорош кумыз! Очень полезный! Только не понимаю, почему мужчины у вас пьют водку, а не кумыз, – ти был бер мәлде (Ҡыуандыҡ баҙарына әнейем менән шал һатырға гел эйәреп йөрөй торғас, мин ҡәҙимге генә урыҫса һөйләшергә өйрәнеп алған инем. Ундағы сегәндәргә шалды арзан хаҡҡа һатмаҫ өсөн белгәнеңде лә, белмәгәнеңде лә бергә ҡушып һөйләшәһең, талашаһың. Шулай итеп, көнкүреш кимәлендә великий,могучий русский язык минем тел әйләнешендә бар ине). Беҙҙең яҡтың ирҙәренә тел тейҙерәһе килмәйенсә мин: – Не все водку пьют, некоторые тоже кумыз пьют, – тинем. – Намаз не читают… – Читают, у меня Хәмит ҡартай читает, – тим бирешмәйенсә (Хәмит ҡартам ураҙа ла тота, намаҙ ҙа уҡый ине). – Вы золотло топчите ходите, – ти ул миңә, тирә - яҡҡа ҡулын йәйеп. Мин, әлбиттә, әнейҙәрҙең ҡолағында эленеп торған алтын тураһында һүҙ бара тип уйлап: – Шутите, – тинем. – Нет, не шучу, вот у тебя под ногами трава, знаешь какая полезная, – тине ул бәпкә үләненә күрһәтеп. – Нет, – тинем. – Вот, я же говорю, вы золото топчите, не знаете. Было бы у нас столько травы… – тине ул моңһоуланып. – Я каждый день не чай пью, а ваши травы. Шулай ул килгәндә минең менән һөйләшеп китергә ярата ине. Үләнде беҙ бөтөнләй белмәнек, ҡулланманыҡ, тип әйтә алмайым, беҙ ҙә йәй буйына сәйгә ҡарағат, ҡурай еләге, мәтрүшкә, зверобой япраҡтары һалып эсә инек. Әтейем дә йыйып ҡайта ине. Тик ваҡыт уҙа килә, шуны яҡшы аңланым. Ысынтылап беҙ алтын баһаһына торорлоҡ, тәнгә-йәнгә сихәт бирә торған, бөтөн сирҙәрҙән һаҡлап-яҡлап тороусы үләндәр араһында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәләнең беҙҙең өсөн меңәр йылдар буйына өҙлөкһөҙ йыл да үҫтереп бирә торған мөғжизәһен бик аҙ дәрәжәлә аңлайбыҙ, тип уйлайым. Сөнки ҡайһы еребеҙ ауыртһа ла, аҡса тотоп, тиҙерәк аптекаға сабабыҙ. Ә ҡапҡа төптәренә хәтле килеп, мөлдөрәп үҫеп ултырыусы үләндәрҙе көрәк менән төбө-тамыры менән йолҡоп алып ташлайбыҙ. Ул сүп!!! Ҡулыбыҙға әҙ генә әрем тәме йәки бүтән үлән еҫе һеңеп ҡалһа, йыуырға тырышабыҙ. Уф, еҫе, бигерәк тәмһеҙ, тип тә ҡуябыҙ. Ә бер үләндең дә еҫе, тәме икенсеһенә оҡшамаған бит. Тимәк һәр береһенең үҙ вазифаһы бар. Һәр бер үлән беҙҙең өсөн тип көнө-төнө ерҙән тамырҙары аша тәм, витаминдар, микроэлементтар, майҙар һура. Ә ерҙә бөтөн нәмә бар. Йәнең ни теләй шул. Сөгөлдөр, кишер ҙә булып, мллионлаған төҫтә, тәмдә беҙ ҡара ерҙең изгелеген алабыҙ. Иҫ киткес! Был мөғжизә барыбыҙға ла күпме алаһың килһә, шул хәтлем етерлек, артып ҡалырлыҡ, бер ниндәй сығымдар түкмәҫлек итеп бирелгән. Икһеҙ-сикһеҙ рәхмәт Аллаһы Тәғәләғә. Был байлыҡ йылдың йәй миҙгелендә генә күп итеп булып ала. Ошо миҙгелдә беҙ ошо йәнгә-тәнгә сихәт бирә торған үҫемлектәрҙән файҙаланып ҡалмаһаҡ, ысынтылап маңлай күҙе –ботаҡ тишеге генә булып ҡалған әҙәм булабыҙ. Шунан ҡулланмаһаҡ, инде “Было лето, был май, где ты гулял разгильдяй” хәлендә ҡалырбыҙ. Мин үҙем дә күп кенә үләндәрҙе өйрәнеү, ҡулланыу өҫтөндә Бер туҡтауһыҙ эшләп торам. Шул хәтлем мөғжизәгә эйә булған үләндәрҙең изге көсөнә хайран ҡалам, иҫем китә. Ни эшләп бала саҡтан уҡ быларҙы беҙгә мәктәп эскәмйәһенән өйрәтмәйҙәр икән, тип уҡытыу системаһын да һүгеп ҡуям. Ошо йәй эсендә һуңға ҡалмайым тип хәҙерге ваҡытта уҡ тырышып-тырмашып үлән йыя, киптерә, ҡуллана башлаған яҡташтарым булһа, “афарин!” тим. Беҙгә сүп үләне һымаҡ ҡамасаулап, бимазалап ултырған, әммә иҫ киткес файҙалы үлән тураһында яҙып китмәксе булам. Дегенәк һымаҡ йәбеште, тиҙәр, сат йәбешкән ныҡымыш кеше тураһында. Дегәнәк тә беҙгә сат йәбешә. Әйтерһең дә, миңә ҡара, әллә кем булып үтеп китмә, мин һиңә кәрәк, ти. Дегәнәк. Үләндең файҙалы булмаған бер өлөшө лә юҡ. Тамырынан яһалған төнәтмәһенең 200мл. 600 һум торғанын беләм. Ә ул беҙҙең кәртә артында күҙ көйөгө булып үҫеп ултыра. Дегәнәктең ғәләмәт сихәтләнеү көсөнә эйә булған япраҡтары киң, яҫы булып үҫә. Элек ҡыҙыуҙа һыу ингәндә башҡа ябынып ята инек, ҡояш эҫеһе башҡа һуҡмаһын, тип. Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Японияла уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар, аш итеп бешерәләр, салат итеп йәш япраҡтарын ашайҙар. Ул япраҡтарҙа бик күп С витамины һәм файҙалы мәтдәләр. Имәндә икән сәтләүек, тейерһең.Б еҙҙең дегәнәкте көрәк менән һөрөп атҡанды ярай япондар күрмәй! Уның япраҡтарынан һут һғыуҙың бер генә лә ҡыйынлығы юҡ. Йәшел, матур япраҡтарын йыйып ҡайтаһың да һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ваҡытығыҙ булмайынса, берәр сәғәт артып китһә лә, ташламағыҙ, улай ҙа ярай. Һелкәһең дә эшкә тотонаһың. Йә ит тартҡыстан, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Күп итеп тултырмайбыҙ. Әҙләп һалып сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс юҡ, ҡул менән һығабыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсһәң дә була. Кемдер эсеп ҡарар ҙа ташлар. Тәмле ашарға өйрәнгән организм ҡаршы килә башлар. Әсене эсмә тиер. Бигерәк тә ҡорттар бунт ойошторор. Ә аҡыл "кәрәк" тейер. Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан застой китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттарға, бактерияларға көн бөтөр. Тиҙ генә беҙҙе ташлап һыпыртырҙар. Әсеһенә улар сыҙамай. Организм көс йыя. Сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины хәтәр күп. Йәй буйы эсеп, көҙ тәнегеҙҙән, ағзаларығыҙҙан бер сир ҙә тапмаһалар, дегәнәккә барып баш эйергә, рәхмәт әйтергә онытмағыҙ. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр. Япраҡтарын киптереп ҡыш көндәрендә лә иммунитетты күтәреү, тәнгә С витамины биреү өсөн дә ҡулланалар. Бына һиңә сүп үләне! Ә дегәнәктең орлоҡтарынан май яһайҙар. Ул майҙы яраларға, ауыртҡан быуындарға һөртәләр. Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Көрәктең файҙаһы бына ошонда тейә инде. Сентябрь-октябрь айҙарында тамырын ҡаҙып алып тупрағын һелкеп төшерәһең, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың. Шунан ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәһең. Шунан инде бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәһең. Тәмләп эсәһең. Хатта рак сиренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастазаларҙан ҡотолған, тырышһа, был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар. Афарин дегәнәккә! Әлбиттә, теләһә ҡайһы үләнде дауаланыу өсөн дә, организмдың иммунитетын күтәреү өсөн эскәндә лә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мәмкин. Шуның өсөн ундай көслө үләндәрҙе эскәндә бирән ҡорһаҡты тыйып торорға, ҡамыр, ит ризыҡтарын, файҙаһыҙ колбаса һәм тәмле ризыҡтарҙы кәметһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Йәй көнө юҡҡа ғына тирә-яҡты тултырып йәшелсә бирелмәгән бит. Был әлеге лә баяғы беҙгә өҫтән ебәрелгән өнһөҙ кинәйә (безмолвный намек). Файҙаһыҙ ризыҡтарҙы кәметһәк, дегәнәккә беҙҙең организмды нығытырға, дауаларға ярҙам итәбеҙ. Кемдер уҡып, "мин беләм" тейер. Афарин мең тапҡыр. Кемдер иренеп, йөрөмәйем әле тейер. Йәл. Кемдер ең һыҙғанып тотонор. Үҙегеҙгә рәхмәт әйтер көндәрегеҙ алда әле! Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә Башҡортостан өсөн мөһим проблема – урман янғындары темаһы менән башланып китте. Әлеге ваҡытта дүрт районда – Әбйәлил, Учалы, Бөрйән һәм Белоретта урман яна. – Беҙ ҙур хәүеф менән янғын һүндереүҙә ҡатнаштыҡ. Был райондарҙа даими рәүештә ут усаҡтары барлыҡҡа килеп торҙо. Кисә үк ҙур оператив штаб булдырырға әҙерләнеп бөткәйнек, тик беҙҙең коллегалар урынға сыҡты, хәл контролгә алына башланы, – тине Радий Хәбиров. Республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, иң ҙур янғын Бөрйән районындағы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында теркәлгән. Унда 2000 гектар урман янған. Кисә кис ул локалләштерелгән, таралыу ҡурҡынысы юҡ. Тик ирекмәндәр һәм ҡотҡарыусылар әле һаман урында эшләүен дауам итә һәм янған урындарҙы һүндерә. Бөгөн хәлдәр шулай: 16900 гектар ерҙә 604 термонөктә теркәлгән. Бөтә урындар тикшерелгән, уларҙың 1882 гектарҙағы 104-е урман янғыны булараҡ теркәлгән. Иң күп урман янғыны түбәндәге райондарҙа теркәлгән: Учалы районында – 23, Белорет районында – 18, Йылайыр районында – 18, Бөрйән районында – 13, Әбйәлил районында – 12. – Башҡортостанда бындай урман янғындары 2010 йылдан бирле булғаны юҡ ине. Унда 11600 гектарҙа 608 янғын тоҡанғайны, – тине министр. – Әлеге ваҡытта янғынды һүндереү тиҙлеге 74 процент, тимәк 77 янғын беренсе тәүлектә үк һүндерелгән. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә 2018 гектарҙа биш янғын теркәлгән. – Үткән аҙнала аномаль эҫелек һәм йәшендәр арҡаһында 59 урман янғыны теркәлде, уларҙың 51-енең сәбәбе – ҡоро йәшен. Иң күп янғындар 15 июлдә теркәлде, дөйөм майҙаны 1160 гектарҙа 17 янғын башланды. 59 янғындың 36-һы тәүге көндө һүндерелде, икенсе тәүлектә 23 янғын юҡҡа сығарылды, – тине министр. Әлеге ваҡытта хәл даими контролдә тотола. Министр белдереүенсә, 22 июлгә тиклем янғындарҙың күпселеге һүндерелеп бөтөргә тейеш. Фото: Урман хужалығы министрлығы. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Urman-yan-ini-kontrolg-alindi-373797/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Туған илебеҙҙә сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһендә газ һәм нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Туған илебеҙҙә сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһендә газ һәм нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. «Күмертаугаз» ойошмаһы беҙҙе ярты быуаттан ашыу бер өҙлөкһөҙ газ менән тәьмин итә. Ун биш йылдан ашыу инде үҙ һөнәренең оҫтаһы булған ошо ойошмаһының газ слесары Салауат Байғужин (фотола) беҙҙе, ҡулланыусыларҙы, газ менән тәьмин итеүҙә әүҙем эшләй. - Тәү сиратта төп иғтибарҙы халыҡтың хәүефһеҙлегенә бүләбеҙ. Элегерәк, газ үтмәгән саҡта, кешеләрҙең күбеһендә мейес ине, ул хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәү сәбәпле, кешеләрҙең баштарына еҫ тейеп, ағыуланып үлеү осраҡтары күҙәтелә торғайны. Хәҙер беҙ газ менән нисек файҙаланырға икәнлеге буйынса халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ, заманса өйҙәренә кешеләр газ ҡаҙанлыҡтары менән бергә газ плиталары ҡуя, иҫәпләү приборҙарын урынлаштыра, халҡыбыҙҙың газға һаҡсыл ҡарау мәҙәнилегенең үҫеүе күҙәтелә, - ти Салауат Байғужин. Беҙҙең төбәкте зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә слесарҙар: Яҡшымбәттән Раил Рафиҡ улы Аллабирҙин, Көйөргәҙе ауылынан Вил Әнүәр улы Кинйәғолов шулай уҡ үҙ вазифаларына етди ҡарай, тырышып эшләй. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев килде. Сәфәрҙең маҡсаты булып дәүләт программаларының ғәмәлгә ярашлы тормошҡа ашырылыу барышын күҙәтеү, объекттарҙы ҡарау һәм районда урман янғынына ҡағылышлы проблемалар менән танышыу торҙо. Константин Борисович сәфәрҙең тәүге өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, муниципаль район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары Сергей Поляков, Иван Лавренов менән “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән Ғафури урамындағы йорт ихатаһын - заманса балалар майҙансығын һәм спорт менән шөғөлләнеү ҡоролмаларын ҡараны, халыҡ менән әңгәмәләште. Унан һуң ҡала Мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы активистары, муниципаль район Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Константин Толкачев шулай уҡ “Реаль эштәр” партия проектына ярашлы ремонт барған ҡаланың 10-сы мәктәбен ҡараны. Эштәр барышы менән уны мәғариф бүлеге начальнигы Марина Саранцева таныштырып йөрөнө. Бөгөнгө көндә бында пластик тәҙрәләр ҡуйыу эштәре бара. Республика парламенты спикеры ҡалала уңышлы эшләп килгән йәш предприятиеларҙың береһе – Урал пружина заводында ла булды. Завод директоры Денис Лоҡманов менән берлектә цехтарҙы ҡараны, сығарылған продукция ассортименты, уларҙы эшләү барышы менән танышты; заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, тулы ҡеүәттә, бер туҡтауһыҙ эшләгән ойошманың артабан да етеҙ үҫешен дауам итеүен, донъя баҙарын яулауын теләп хушлашты. Ҡаһарман ауылы эш сәфәренең һуңғы нөктәһе булып торҙо. Константин Борисович бында Үҙән урмансылығында оператив янғын һүндереү штабы вәкилдәре һәм профессиональ янғын һүндереүселәр менән бер рәттән янғынға ҡаршы көрәшкән ирекмәндәр менән осрашты, урман янғыны торошон баһаланы, бергәләп проблеманы тиҙерәк хәл итеү юлдарын эҙләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина Forbes версияһы буйынса донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде. Ул рейтингта 49-сы баҫҡысты биләй. Германия канцлеры Ангела Меркель уҙып барған 2018 йылда иң абруйлы ҡатын-ҡыҙ тип танылған. Икенсе баҫҡыста — Бөйөк Британия премьер-министры Тереза Мэй, өсөнсөлә — Халыҡ-ара валюта фонды башлығы Кристин Лагард. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, үткән йылдың ноябрендә лә Эльвира Нәбиуллина Forbes рейтингында — 49-сы, ә 2016 йылда 56-сы урынды алды. http://www.bashinform.ru/news/1247084-urozhenka-ufy-voshla-v-top-50-samykh-vliyatelnykh-zhenshchin-mira-/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Күптән түгел генә ҡап-ҡара булып ятҡан баҫыуҙар йәшел бәрхәткә төрөндө. Сәсеү эштәре тамамланһа ла, баҫыуҙарҙа эш тынмай – игенселәр сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү менән мәшғүл. Район һабантуйы алдынан хужалыҡтар баҫыуҙарын үҙ-ара тикшереү, эш һөҙөмтәләренә баһа ҡуйыу, аралашыу матур бер йола булып тора. Тап ошонда кемдең нисек сәсеүе, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү торошо, ер эшкәртеү технологияһы үтәлеү-үтәлмәүе, тупраҡтың уңдырышлылығын юғалтмайынса унан мул уңыш алырға ынтылыуы асыҡлана ла инде. “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге”нең агрономы Илгиз Хөснийәров, БР буйынса “Россельхозцентр” ФДБУ-һы филиалының баш агрономы Лиза Хәйретдинованан торған комиссия сәсеүлектәр торошон тикшереп сыҡты. Белгестәр үҙ-ара тикшереүҙәрҙе районыбыҙҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан “Сатурн” (М.Ф.Рәхмәтуллин), Ленин исемендәге - “ШЭ Р.В.Мөьминов”, “ШЭ Р.Ғ.Ғафаров”, “Сулпан” (М.З.Фәйезов), “ШЭ Р.В.Рәжәпов”, “ШЭ А.Ә.Арыҫланов”, “Шишмә” (В.Бохаров) крәҫтиән хужалыҡтарынан башланы. Комиссия хужалыҡтарҙың тәүге икәүһенең сәсеүлектәренә һәйбәт баһа бирҙе. Үҫентеләрҙең сығышы ла матур. Тәүгеһендә бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрө, иген культуралары үҫтереү, ер эшкәртеү технологияһы бик юғары кимәлдә. -Һәр ваҡыттағыса, иң яҡшы сәсеүлектәр “Сатурн” (айырыуса “татлы тамыр” плантациялары) һәм “Р.В.Мөьминов” хужалыҡтарында. Бында баҫыуҙар тейешенсә эшкәртелгән, үҫентеләр тигеҙ рәт итеп сәселгән, химик утау уҙғарылған, пар ерҙәре эшкәртелгән. “Ғафаров” менән “Мөьминов” хужалыҡтарында баҫыуҙарға хатта тиреҫ кереткәндәр. “Сулпан”, “Ғафаров” хужалыҡтары сәсеүлектәре уларҙан ҡалыша. Ә бына “Р.В.Рәжәпов”, “А.Ә.Арыҫланов”, “Шишмә” хужалыҡтарына эшләйһе лә эшләйһе әле. Бында сәсеүлектәр торошо һөйөндөрөрлөк түгел, ер эшкәртеү технологияһы ла һаҡланмаған, етешһеҙлектәр, хаталар ҙа барыһында ла бер үк төрлө. Шуны әйтергә кәрәк, хужалыҡтарҙың агрономһыҙ эшләүе – бер булһа, икенсенән, тракторсы-механизаторҙарҙың тәжрибәһе булмауы ныҡлы һиҙелә. Уларға үҙҙәренә белгестәрҙе, тәжрибәле механизаторҙарҙы йәлеп итеүҙе уйлап, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеү йәһәтенән эшләйһе лә, эшләйһе әле, - тине үҙ баһаһын биреп И.Хөснийәров. 29 майҙа иһә төньяҡ биләмәләге “Агрохим” ЯСЙ-е (А.А.Шапошников), “ШЭ Ғ.З.Сәғиҙуллин”, “Восход – СТ” ЯСЙ-е АП (Р.З.Бакиров), “Труд” КФХ-һы (Г.М.Тахтаров), “Агролэнд” ЯСЙ-е (В.Прохоров), “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы (Н.М.Хисаметдинов) сәсеүлектәре баһаланды. “Восход-СТ” ЯСЙ-ендә төп йүнәлеште “татлы тамыр” үҫтереүгә алғандар. Был төшөмлө культура 1200 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ тәьҫораттар ҡалдыра һәм тағы ла мулыраҡ уңышҡа өмөт уята. “Агрохим” ЯСЙ-енең ярауай бойҙай үҫентеләре һәйбәт булып баш ҡалҡыта, ужым культуралары матур ҡышлаған. “Труд” КФХ-һында шәкәр сөгөлдөрө плантацияларының рәт аралары тип-тигеҙ, үҫентеләрҙең сығышы ла бик матур. Ҡарабойҙай, борсаҡ, рапс сәсеүлектәре лә һәйбәт торошта. “Урожай” хужалығы сәсеүлектәре, ҡайһы бер ваҡ-төйәк етешһеҙлектәрҙе иҫәпләмәгәндә, комиссия ағзаларының ыңғай баһаһын алды. Быйыл тәжрибәле агроном Раил Мөхәмәтйәновтың бында эшләй башлауы ла үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Ужым культуралары, тупраҡты азот менән байытыусы ҡуҙаҡлы культура (“Фараон” сортлы борсаҡ) торошо бик һәйбәт, айырыуса ужым арышы күпереп, матур булып баҫыуҙа тирбәлә. Көнбағыш үҫентеләре лә баш ҡалҡытып килә. - “Урожай”ҙа элеккегә ҡарағанда яҡшы яҡҡа үҙгәреш һиҙелә, әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, әммә хаталар төҙәтелеү өҫтөндә. Агроном Раилдан эш ҡалмаҫ, баҫыуҙарҙы тәртипкә килтереп аласаҡ, - тине белгестәр. – Район хужалыҡтары араһында иң яҡшы ужым арышы “Урожай”ҙа, - тигән баһа бирҙеләр арыш баҫыуы сәсеүлектәренә. Ә бына “Агролэнд” ЯСЙ-енә ер эшкәртеү культураһы буйынса уйланырға урын бар. Бында 100 гектарҙағы кәзә үләне сәсеүлектәре генә бер сама һәйбәт күренә, ҡарабойҙай, һоло, арпа баҫыуҙары уғата насар тәьҫораттар ҡалдырҙы. Баш агроном Лиза Кәшәфетдин ҡыҙы әйтеүенсә, йәмғиәттә орлоҡтар ағыуланмай сәселгән, сәсеүлектәргә химик утау уҙғарыуҙы ла кәрәк тип тапмағандар. – Йәмғиәт етәкселегенең бөтөн аҡсаһын бушҡа ергә түгеүе генә ҡалды, бынан ниндәй уңышҡа өмөт итеп булһын инде, - тине белгестәр “Агролэнд” баҫыуҙарын ҡарап сыҡҡандан һуң. Дөйөмләштереп әйткәндә, район буйынса яҙғы баҫыу эштәре насар башҡарылған тип әйтеп булмай. Әммә мул уңыш үҫтереп алыу башҡа факторҙарға бәйле буласаҡ һәм көҙгә күренәсәк. Комиссия тикшереү критерийҙары буйынса хужалыҡтарға урындар ҙа билдәләп ҡуйҙы. Еңеүселәр Һабантуй байрамында бүләкләнәсәк. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары етәкселеге һәм рәйестәре менән осрашыуҙа депутаттар корпусы менән яйға һалынған һәм конструктив эшкә ышаныуы хаҡында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, парламент составының күп партиялылығы теге йәки был партия өсөн тауыш биргән кешеләрҙең фекерен белергә мөмкинлек бирә. «Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының абруйын артабан да нығытырға кәрәк, бының өсөн депутаттар һайлаусылары менән әүҙемерәк эшләргә, уларҙың проблемаларын башҡарма власть органдарына еткерергә тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы депутаттарҙы хакимиәтенең яңы етәксеһе Александр Сидякин менән таныштырҙы. Ул был вазифаға бөгөн тәғәйенләнде. Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы етәкселеген республика Хөкүмәте эшенә әүҙемерәк ҡушылырға, кәңәшмәләрҙә ҡатнашырға һәм теге йәки был мәсьәләләр буйынса һайлаусыларҙың фекерен еткерергә саҡырҙы. Парламенттың яңы составы (75 депутат тәүгә һайланды) халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар ҡабул итеүҙе үҙ эшендә төп йүнәлеш тип һанай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Граждандарҙы ҡабул итеү һәм уларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү халыҡ һайланыусылары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. «Ләкин чиновниктар йыш ҡына граждандарҙың мөрәжәғәттәренә формаль яуаптар ғына ебәрә ине, хәҙер депутаттарға ошо йәһәттән контролде көсәйтерә кәрәк», — тип билдәләне республика парламенты спикеры. Формаль ҡараштан ҡотолоу өсөн Дәүләт Йыйылышында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо. Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы депутаттары социаль селтәрҙә үҙҙәренең сәхифәһен асыуы, парламенттың рәсми сайтында федераль һәм республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ебәреү өсөн айырым бүлек булдырылыуы тураһында һөйләне. Көҙгө сессияла депутаттар алдында бюджет документтары пакетын ҡарау бурысы тора. Ә 15 ноябрҙә бюджет закон проекттары асыҡ тыңлауҙарҙа тикшерелә, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Радий Хәбировтан муниципалитеттарҙа административ комиссияларҙың эшен яйға һалыуҙа ярҙам итеүен һораны. «Законда төрлө административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 38 составы яҙылған, административ комиссияларҙың ҡәнәғәтләнерлек эшләмәүе сәбәпле уларҙың күптәре «йоҡо хәлендә». Күрше Татарстан штрафтар рәүешендә бюджетҡа 6 миллиард һумдан ашыу йыя, ә беҙ 1,6 миллиард һум ғына. Муниципаль бюджеттарҙа был аҡса артыҡ булмаҫ тип уйлайым һәм беҙгә ошо йүнәлештә нисек эшләргә кәрәклеге билдәле», — тине Константин Толкачев. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Башҡортостандан бәләкәй бала лотереяла донъялағы иң ҡиммәтле препаратты отто. Швейцариянан фармацевтика компанияһы хаҡы ике миллион долларҙан ашыу торған препараттың 100 дозаһын бушлай тарата. Өфөнән арҡа мускуллары атрофияһынан (СМА) яфаланған бәләкәй пациент хаҡы 2,15 миллион доллар (160 миллион һумдан ашыу) торған Zolgensma препараты дозаһын бушлай аласаҡ. Варвара Хәйруллина Novartis фармацевтика компанияһы ойошторған лотереяла отҡан. Уның әсәһе Мария Хәйруллинаның белдереүенсә, был лотерея хаҡында улар былтыр көҙ невролог Айгөл Еникееванан ишеткән, анализдар тапшырғандар, кәрәкле документтарҙы йыйғандар. Кисә генә ошо дарыуҙы аласаҡтары хаҡында ишеткәндәр. Әлбиттә, был улар өсөн иң ҙур бүләк! Быйыл февралдә Варвараға ике йәш туласаҡ. Ошо ваҡытҡа тиклем дарыуҙы балаға биреп өлгөрөргә кәрәк. Быға тиклем ғаилә ошо дарыуҙы һатып алыу өсөн үҙаллы аҡса йыйған. Барлыҡ сумма 10,3 миллион һум тәшкил иткән. Ә Швейцария компанияһы былтыр йыл аҙағында лотерея хаҡында иғлан иткән. Әйткәндәй, ул йыл һайын 100 доза препаратты тарата. Ике аҙнаға бер тапҡыр комиссия донъялағы төрлө илдәрҙең табиптары биргән заявкалар араһынан берәүҙе тартып ала икән. Был компанияның препаратты ошолай таратыуы фармацевтика баҙарындағы ҡайһы бер белгестәр тарафынан хатта тәнҡит утына эләккән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо препараттан тыш, бындай сирле балаларҙың оҙаҡ йәшәүгә ышанысы бик аҙ. Ә Өфө ҡыҙы Варвара өсөн бик шатбыҙ, ул ошо дарыуҙы ҡабул иткәндән һуң һауығыр тигән өмөттәбеҙ. Шулай итеп, яңы йыл бәләкәскә йәшәүгә ышаныс бүләк итте. Ҡыҙсыҡтың ғүмере киләсәктә лә ошондай шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торһон тип теләйбеҙ. Фото: М. Хәйруллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. Автор: Айһылыу Низамова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
60 мең һумлыҡ таныҡлыҡҡа бөгөн Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе ике ғаилә эйә булды. Төбәк программаһы күптән түгел эш башлауға ҡарамаҫтан, 900-гә яҡын ғаилә заявка биреп өлгөргән. Уларҙың 200 тирәһе ошо аҙнала алыр тип көтөлә. Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәүсе Сәмиғуллиндар йорт туйларға әҙерләнә. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә әле аш-һыу бүлмәһен йыһазландырыу менән мәшғүл. Тиҙҙән торлаҡ зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыласаҡ. Яңы йортҡа күскәнгә тиклем Сәмиғуллиндар иҫкеһендә көн итә. Ул ғаилә башлығының ата-әсәһенән ҡалған. Тәбиғи газ менән йылытыла. Крандан эҫе һәм һыуыҡ һыуы ла аға. Шуға ла мәшәҡәт тыуҙырыусы сәбәп юҡ. Яңы йортто газға тоташтырыу өсөн бар документтар ҙа теүәлләнгән, ҡағиҙәләргә ярашлы, бүлмәләр ҙә йыһазландырылған. Өҫтәүенә, республика программаһында ҡатнашып ишле ғаилә булараҡ сертификат алыуға ла өлгәшкән. Өфөнөң Дим биҫтәһенән бөгөн ике ғаилә сертификатлы булды. Сәмиғуллиндар кеүек үк, Садиҡовтар ҙа өс бала ата-әсәһе. Йыл башында йортло булған ғаилә республика программаһында ҡатнашырға ниәт итә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Документ таппшырыуға аҙна-ун көн үтеүгә улар сертификатлы ла була. Ике ғаиләнең дә сертификат хаҡы 60 мең һумды тәшкил итә. Шулай уҡ, республиканың башҡа төбәктәрендә йәшәүселәргә 100 мең һум бирелгәне лә бар. Бының өсөн Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы билдәләгән категорияға ҡарау мөһим. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ведомствоның урындағы бүлексәләре, йә күп фукнциялы үҙәк белгестәренән белешергә мөмкин. Октябрҙә ҡабул ителгән яңы законға ярашлы республика йәшәүсе 900-гә яҡын ғаилә газ үткәреү өсөн сертификатҡа ғариза яҙған. Уларҙың 200-ләбе ошо аҙнала аласаҡ. Республика программаһы, ғөмүмән, дүрт йылға иҫәпләнгән. Уның сиктәрендә йыл да бюджеттан 200 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Автор: Азат Ғәлиуллин. Bash.News Яңылыҡтар Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Берәү шылтыратҡанда, телефонды алғас та нимә тип әйтәһегеҙ? Таныш номер булһа ғына “эйе” тиергә ярай. Ә һандар ғына теҙелеп торһа, зинһар, ”алло” тигәнегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Берәү шылтыратҡанда, телефонды алғас та нимә тип әйтәһегеҙ? Таныш номер булһа ғына “эйе” тиергә ярай. Ә һандар ғына теҙелеп торһа, зинһар, ”алло” тигәнегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Мутлашыусылар бөгөн һәр саҡ уяу. Улар һинең, эйе, тигәнеңә, әллә нимәләр эшләп ҡуйыуы ихтимал. Шулай тип иҫкәртә киберхәүефһеҙлек белгестәре. Йәнәһе, мутлашыусылар тауыштың цифрлы яңғырашын – биометрияны йыя. Һөйләшеү барышында “эйе” генә етмәй әле ул, ”мин раҫлайым” (я подтверждаю) да кәрәк. Уныһын да әйттерергә маташырҙар. Әгәр ҙә мутлашыусыларҙа бер нисә фраза булһа, улар банктағы һеҙҙең иҫәптән аҡсаны еңел генә урлай (үҙҙәренә күсерә) аласаҡ. “Алло”, “Тыңлайым”, ”Бөттө” кеүек һүҙҙәрҙе әйтергә ғәҙәтләнегеҙ. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Был мөғжизәгә тартым ваҡиға Яңы йыл алдынан күрше өлкәнең бәләкәйерәк ҡалаһында байтаҡ йылдар элек, машиналар әҙ булып, йомош-юлға трактор йә ат менән йөрөгән, фатирҙы бушҡа сират буйынса алған замандарҙа булған. Хәҙер был хәлде һөйләһәң дә, ысынбарлыҡта шулай булғанына ышаныусылар һирәк табылыр. ...Атай-әсәйһеҙ тороп ҡалған Сания исемле ҡыҙ бәләкәй ҡалалағы заводҡа эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, шунда берәүгә кейәүгә сыға. Йәш ғаилә фатирға сиратта тора, тик уның осо-ҡырыйы күренмәгәндәй, ятаҡта ла урын табылмай, шунлыҡтан ваҡытлыса туғандарының бер бүлмәһендә өйҙәш булып йәшәп торорға һөйләшәләр. Өс балаһы ҙурайып ҡырға китеп бөткән ирле-ҡатынлы йыш ҡына бергәләп эсеп алырға ярата, шунан инде ыҙғыш сығыуға ла күп ҡалмай. Бындай йәшәү рәүеше йәштәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Санияның иренең дә эшенән һуңлап, эсештереп ҡайтҡан ваҡыттары йышая. Йәш ҡатын ошо ике ут араһында оҙаҡ ҡына сыҙап йәшәй. Әйберен төйнәп, ауылға ата-әсәһенән ҡалған бәләкәй генә иҫке өйҙәренә ҡайтып китергә тип тә йыйынып бөтә, тик һаман ҡалала уны нимәлер тотоп торғандай була. Бындай хәлдә күпме йәшәргә - билдәһеҙлек. Йәш ғаилә айырылышыу сигенә етә, иренең инде ҡайтмаған саҡтары күберәк була башлай. Талаш-тартышҡа сәбәп арттырып, игеҙәк балалары тыуа: ҡыҙ һәм малай. "Ике бала менән беҙҙә йәшәмәйһегеҙ!" тип туған тейешле апаһы көн дә тиерлек иҫтәренә төшөрөп торһа ла, ныҡлап ҡыумағас, һаман шул шарттарҙа көн күреүен белә дүрт кешенән торған йәш ғаилә. Һәр яҡлап аңлауға, яҡлауға, ярҙамға мохтаж Сания, ятһа-торһа ла, үҙ мөйөшө тураһында хыяллана, эх, берәй тоҡ аҡса табып, шуға фатир һатып алып, айырым йәшәп китһәк ине, тип йоҡлап китә, шул уйы менән килеп тора. Тормошҡа ашмаҫлыҡ хыялына йылынып, көндәлек ығы-зығы, күңел төшөрөрлөк ваҡиғаларға иғтибар итмәҫкә, киләсәген гел матур итеп күҙ алдына баҫтырырға тырыша. Шулай оҙон-оҙаҡ тойолған бер йыл ваҡыт үтә, бәләкәстәренә берәр йәш тулғас, уларҙы яслегә урынлаштырып, элекке урынына - заводҡа эшкә сыға. ...Бер көн, был хәл Яңы йылға бер нисә көн алдан була, таң менән балаларын баҡсаға алып барып, үҙе тура һалынған һуҡмаҡтан эшенә йүгерә. Туралыҡҡа тура, тик юлдың күпмелер өлөшөн урман аша үтергә кәрәк, шомлораҡ урын. Ҡулындағы фонарын йә бер, йә икенсе ергә йүнәлтеп, шәп-шәп атлап китеп барған ҡатындың күҙенә арҡыры үткән юлдан алыҫ түгел, ҡыуаҡ араһында ятҡан ҙур ғына ҡара нәмә салына. Эт тиһәң - ҡыбырлар ине, берәй эскән кеше ятамы әллә, тип һағайып ҡына яҡыныраҡ килеп, аяғы менән төртөп ҡарарға батырсылыҡ итә ҡатын. Был эсенә нимәлер тултырылған тоҡ булып сыға. Ҡыҙыҡһынып, ныҡ бәйләнгән ауыҙын сисеп, фонары менән яҡтыртып ҡарай. Ә унда... айырым йомарламдарҙан торған ҙур-ҙур ҡағыҙ аҡсалар! Тирләп-бешеп сыға ҡатын, бер секунд эсендә башына мең төрлө уй инә. Нимә эшләтергә, кемгә тапшырырға быны, тип баш вата. Әҙерәк уйлағандан һуң тоҡто өйөнә алып ҡайтып йәшереп торорға ҡарар ҡыла. Ҡараңғыла, бәхетенә, берәү ҙә осрамай, өйҙәгеләр ҙә күрмәй ҡала. Шулайтып йөрөп, эшкә һуңлаңҡырап килеп инһә, унда ығы-зығы ҡупҡан: урта йәштәрҙәге бухгалтер ҡатын илай, директор уны төкөрөктәрен сәсеп әрләй. Тәүҙә бер нәмә аңламаған ҡатын, туҡтап, быларҙың һөйләшкәненә ҡолаҡ һалып тора, шунан "нимә булған?" тип һорарға батырсылыҡ итә. Үҙе ваҡиғаға төшөнә лә башлай шикелле. "Беҙгә эш хаҡына тигән бер тоҡ аҡсаны юғалтҡан..." тип бышылдай яҡында торған берәү. Тамам башына барып етеп, Сания директорҙың артынан эйәреп бүлмәһенә инә. "Мин юҡ бында!" тип ажғыра уныһы, ҡатынға ҡарамаҫтан. "Мин ул аҡсаны таптым шикелле..." Асыу, әрнеү, ҡурҡыу тойғолары бергә ҡушылып, күҙҙәре мәғәнәһеҙ ялтыраған оло йәштәрҙәге ир, аңшайып текләп торғандан һуң, "Нисек? Ҡайҙа?" тип үҙенә хас булмаған етеҙлек менән ырғып килеп тора. Сания таңғы ваҡиғаны йәшермәйенсә һөйләп бирә. Аҡылдан яҙыр хәлгә еткән хужа ҡатынды күтәреп өйөрөлтә лә: "Хәбәрең ысын булһа, мин һиңә сиратһыҙ фатир бирәм!" - тип әйтеп ташлай. Ә хәл былай булған: хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын алған бухгалтер артһыҙ санаға ултырып ҡайтып барғанда ойоп киткән һәм тоғоноң шыуып төшөп ҡалғанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Уның юҡлығын күргәс, үҙе үткән юл буйҙарын ире менән тетеп сыҡҡандар, тик тоҡто тапмағандар... Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Директор һүҙендә тора. Йәш ғаиләгә яңы йылдан һуң ике бүлмәле фатир асҡысы биреп ҡыуандыра. Шул мәлдән алып ысынлап теләһәң, хыялдарҙың ысынбарлыҡҡа ашыуын, тормошта мөғжизәгә һәр саҡ урын барлығын белеп йәшәй Сания һәм был турала балаларына ла ҡабат-ҡабат һөйләр була. Йәштәрҙең тормошо ла ыңғайлап китә, иренең дә күңеле күтәрелә, улар тағы ике балаға ғүмер биреп, оҙаҡ ҡына бергә йәшәйҙәр. Сания балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә 95 йәшкә тиклем матур ғүмер кисереп, яҙмышынан риза булып, баҡыйлыҡҡа күсә. Күптән булған ошо ваҡиға тураһында хәҙер инде мәрхүмәнең ҡыҙының ҡыҙы үҙенең ҡыҙына әкиәт итеп кенә һөйләй... Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Хөкүмәт тәҡдим иткән элекке еврокомиссар Ставрос Димас кандидатураһы 300 кешелек парламентта кәрәкле 200 тауышты йыя алманы. Икенсе турҙа Димас 168 депутаттың яҡлауына иреште. Өсөнсө раунд 29 декабрҙә үтәсәк. Был юлы буласаҡ президентҡа 180 тауыш йыйыу ҙа етә. Әгәр ул быға ирешә алмаһа, хөкүмәткә парламентты таратып, ваҡытынан алда һайлауҙар иғлан итергә тура киләсәк. Премьер-министр Антонис Самарас: ”Тауыш биреүҙең өсөнсө турында дөйөм милли хәүефтән, дөйөм милли авантюранан ҡотолоп булыр, тип өмөтләнәм. Был юлы тауыш биреүҙән ҡасып булмаясаҡ. Һәр кем яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә аласаҡ, шул иҫәптән тауышы өсөн дә.” “Сириза” төп оппозиция фирҡәһе башлығы Алексис Ципрас: “Парламент та, Греция халҡы ла, кредиттарға алмашҡа ҡаты экономия саралары буйынса меморандумдарҙы дауам итеү өсөн, Самарасҡа карт-бланш бирмәйәсәк. Был беҙҙең пенсияларҙы кәметәсәк, һаулыҡ һаҡлауҙы хөртәйтәсәк һәм беҙҙең йәмғиәтте емерәсәк.” Идара итеүсе коалиция бойондороҡһоҙ парламентарийҙар, ҙур булмаған фирҡә ағзалары, һуңғы мәлдә яуаплылыҡ тойоп, уға ҡушылыр тип өмөт итә. Халыҡ был хаҡта нимә уйлай? Бына бер фекер. Афинала йәшәүсе ҡатын һөйләй: “Халыҡты алдау өсөн уйлап сығарылған уйындары был. Баҙарҙа үткәрелгән ярты кило ит кенә ала алдым. Һайлауҙарҙан нидәй яҡшылыҡ көтөргәме? Закон сығарыусылар илдән алып сығыу һәм үҙҙәренең киләсәген тәьмин итеү өсөн аҡса йыя.” Euroneus хәбәрсеһе Стаматис Яннинис Афинанан һөйләй: ”Бөгөнгө уңышһыҙ тауыш биреүҙән һуң, депутаттар дүшәмбелә һуңғы раундҡа йыйыласаҡ. Улар алдында асыҡ сәйәси һайлау тора: яңы президент һайларға йәки ваҡытынан алда һайлауға барырға.” Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
2020 йылда Рәсәй халҡын ниндәй байрамдар һәм ял көндәре көтәсәге билдәле. Был хаҡта илдең Хеҙмәт министрлығы вәкилдәре хәбәр иткән. 2020 йылда Рәсәй халҡын ниндәй байрамдар һәм ял көндәре көтәсәге билдәле. Был хаҡта илдең Хеҙмәт министрлығы вәкилдәре хәбәр иткән. Яңы йыл, Май байрамдарында һигеҙәр көн ял итәсәкбеҙ. “2020 йылда ял көндәре түбәндәгесә була: 4 ғинуар шәмбе көнөн – дүшәмбеләге 4 майға; 5 ғинуарҙағы йәкшәмбене – шишәмбеләге 5 майға күсерергә”, – тиелә документта. Шулай итеп, 2020 йылда былайраҡ ял итәсәкбеҙ: 2020 йылдың 1 ғинуарынан – 8 ғинуарға тиклем – Яңы йыл һәм Раштуа байрамдары; 22, 23, 24 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнө; 7, 8, 9 мартта – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө; 1, 2, 3, 4, 5 майҙа – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы; 9, 10, 11 майҙа – Еңеү байрамы; 12,13, 14 июндә – Рәсәй көнө; 4 ноябрҙә – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
"Торатау" конгресс-холында уҙған мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны. – Бөгөнгө мәғариф системаһы ҙур үҙгәрештәр алдында тора, беҙ ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа бурыслыбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Был йәһәттән "Мәғариф" милли проекты уңай шарттар тыуҙыра. Беҙ милли проекттарҙың асылын халыҡҡа аңлата белмәйбеҙ, ахыры – тик һандар менән эш итәбеҙ. Ә ғәмәлдә "Фәләнсә йәшендә һеҙҙең балағыҙ ошондайыраҡ буласаҡ" тип төшөндөрә белергә кәрәк. Республика етәксеһе әйтеүенсә, мәктәптә үткән йылдар кешенең үҙ ғүмерендәге иң иҫтәлекле осоро булып хәтерендә һаҡланырға тейеш. Шуға күрә һуңғы ваҡытта шау-шыу тыуҙырған "буллинг" һәм башҡа шундай насар күренештәргә юл ҡуйылырға тейеш түгел. Республика етәксеһе мәктәптәрҙә берҙәм меню булдырыу, һәләтле балалар менән эшләй белеү тураһында ла әйтеп үтте. – Һөнәри йүнәлеш биреү ҙә күҙ уңынан ысҡынмаҫҡа тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Мин үҙем мәктәпте тамамлар алдынан биолог булырға хыяллана инем, ләкин Мәскәү юл транспорты инженерҙары институтына барҙым, сөнки иптәштәрем бөтәһе лә шунда юлланғайны. Тик унда имтихан тапшыра алманым – математика минең мөхит түгел. Әлдә инмәй ҡалғанмын тим – илебеҙ бер насар инженер алыр ине, ә былай мин насар юрист булып сыҡманым. Мәктәпте тамамлаусылар Мәскәүгә уҡырға китә тип борсолорға кәрәкмәй, ә бына уларҙы республикаға кире ҡайтыуға ҡыҙыҡһындырыу – беҙҙең бурыс. Мәскәүҙә эшләгәндә Башҡортостандан килеп, баш ҡалала уҡып сыҡҡан бер-ике мең егет һәм ҡыҙҙы күрә инем, улар хәҙер яйлап республикаға ҡайта башланы. https://bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Жюри составында – “Digital Ҡоролтай” конференцияһы спикерҙары һәм ойоштороусылары. Иң яҡшы эш быйыл 1 сентябрҙә асыҡланасаҡ. Конкурсҡа 1 ғинуарҙан 31 авгусҡа тиклем сыҡҡан яҙмалар һәм телевизион сюжеттар ҡабул ителә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 14 июндә Өфөлә Рәсәйҙең төп digital эксперттары йыйылды: баш ҡалабыҙҙа III “Digital Ҡоролтай” конференцияһы үтте. Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Туризмды үҫтереү үҙәге һәм R&R коммуникатив агентлығы ойошторҙо. https://bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Июль аҙағынан “Торатау” геопаркы дирекцияһы һәм республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән республика уҡыусылары өсөн экскурсия ойоштора. Маршруттар “Торатау” геопаркындағы иң күркәм урындарҙан үтә. Әле Стәрлебаш, Әлшәй, Федоровка һәм башҡа райондарҙан бында 300-гә яҡын кеше килеп ҡайтҡан да инде. Июль аҙағынан “Торатау” геопаркы дирекцияһы һәм республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән республика уҡыусылары өсөн экскурсия ойоштора. Маршруттар “Торатау” геопаркындағы иң күркәм урындарҙан үтә. Әле Стәрлебаш, Әлшәй, Федоровка һәм башҡа райондарҙан бында 300-гә яҡын кеше килеп ҡайтҡан да инде. Экскурсия барышында балалар Мәләүез районындағы Воскресенск тарихи биләмәһе, Красноусол минераль шишмәләре, Торатау шиханы, “Усолка” геологик разрезы менән таныша. Маршруттарҙың береһендә Ишембай районының Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейына барыу ҙа ҡаралған. Уҡыусыларҙы урындағы халыҡ иҫәбенән “Торатау” геогидтары оҙатып йөрөй. Экскурсияларҙа ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса [email protected] электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә була. Фото: tourism.bashkortostan.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Яңы йыл каникулы көндәрендә 2021 йылдың 2 ғинуарында "Ҡанатлы калейдоскоп" конкурсы үтәсәк. Ул мәғариф һәм фән, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, республика балалар экология-биология үҙәге булышлығында ойошторолоп, ике өлөштән торасаҡ. Был көндө иртәнге 10-дан көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем республикабыҙҙың бөтә райондарында үҙ ҡулдарың менән тағараҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ. Һәр муниципалитет иң шәп эштәрҙең фотоларын баһалау өсөн ойоштороу комитетына ебәрәсәк. Ә инде көндөҙгө сәғәт 2-енән 4-кә тиклем орнитология буйынса белемдәрен тикшереп ҡарарға теләүселәр "Знаток-орнитолог" онлайн-викторинаһында ҡатнаша ала. Унда инеү өсөн һылтанма 25 декабрҙә республика балалар экология-биология үҙәгенең рәсми төркөмөндә ҡуйыласаҡ. — Тирә-яҡты һаҡлауға йүнәлтелгән саралар экология өлкәһендәге яңы йүнәлештәрҙе әүҙем үҫтерә һәм беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе күтәрә. Беҙ тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡларға тырышабыҙ, бының менән киләсәк быуындың тормошо бәйләнгән. Шуға күрә һәр беребеҙгә яңы экологик ҡиммәттәргә һөйөү уятырға кәрәк, — ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе Ринат Фәтҡуллин. Сара "Экология" милли проектына ярашлы уҙғарыла. Һәр номинацияла еңеүселәр, призёрҙар билдәләнәсәк, дипломдар, иҫтәлекле приздар ҙа ҡаралған. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
«Салауатнефтемаш» предприятиеһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы оҙаҡ йылдар дауамында уҙғарыла. Быйыл да ул, ғәҙәттәгесә, Машина эшләүселәр көнөнә арнап үткәрелде. «Салауатнефтемаш» предприятиеһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы оҙаҡ йылдар дауамында уҙғарыла. Быйыл да ул, ғәҙәттәгесә, Машина эшләүселәр көнөнә арнап үткәрелде. - Эшселәр был конкурсты көтөп ала, теләп ҡатнаша. Ярыш булмаясаҡ, тип әйтеп ҡара хеҙмәткәрҙәргә, - тип йылмая профсоюз комитеты рәйесе Людмила Енина. Быйыл бөтәһе 24 кеше - ҡаҙанлыҡ оҫталары, киң профилле станоксылар, иретеп йәбештереүселәр һәм күпер крандары машинистары көс һынашты. Улар араһында яңы ғына эш башлаусылар, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр ҙә бар ине. Станоксы Денис Әлмөхәмәтов менән иретеп йәбештереүсе Роман Бакуров конкурста тәүгә ҡатнаша. Улар предприятиела күптән түгел генә эш башлаған. Ә кран машинисы Светлана Суркова эшен яртҡанға күрә бындай сараларҙан ситтә ҡалырға тырышмай. Ҡатнашыусылар теоретик һәм практик өлөштә һынау тотто. Кран машинистары үҙҙәренең ҙур-ҙур машиналарында йөктәрҙе күсерһә, ҡаҙан яһаусылар йыйыу берәмектәренән әҙерләмәләр эшләне, станоксылар деталдәрҙе эшкәртте. Иретеп йәбештереүселәр әйберҙең өлгөһөн иретеп йәбештерҙе. Баһалама ағзалары эштәрҙең ни тиклем теүәл һәм сифатлы башҡарылыуын күҙәтте. Ҡаҙан яһаусыларҙан тәүге урынға Рөстәм Рафиҡов сыҡты, электр менән иретеп йәбештереүселәр араһында Александр Квиндт алдынғылыҡты бирмәне, станоксыларҙан Николай Томаровҡа етеүсе булманы, Айгөл Ғәббәсова иң яҡшы кран машинисы тип танылды. Еңеүселәр наградалар һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Был конкурстың мөһимлеген предприятиеның техник директоры Эдуард Исҡужин да билдәләй. - Беҙҙең илдә әлеге ваҡытта эшсе һөнәрҙәргә етди иғтибар бүленә. Кем белә, бәлки киләсәктә эшселәребеҙ «WorldSkills» чемпионатында ҡатнашыр. Оҫталыҡты камиллаштырырға, йәштәрҙең һөнәри үҫешенә булышлыҡ итергә тейешбеҙ, - ти ул.
12 апрелдә республикала экологик белем аҙнаһы башланды, уны Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойошторҙо.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан «Йәшел Башҡортостан» экологик проекты ҡыҫаларында төбәктең барлыҡ мәктәптәрендә һәм өҫтәлмә белем биреү учреждениеларында экологтар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм уны икенсел эшкәртеү тураһында ҡыҙыҡлы лекциялар үткәрә. Бынан тыш, Өфөнөң балалар экология-биология үҙәге уҡыусыларҙың ижади эштәренән күргәҙмә планлаштырған: «Сүп-сарға ҡаршы экобилдә» плакаты, «Пластик хендмейд» ҡул эштәре, шулай уҡ «Беҙҙең экологик ғәҙәттәр» экологик квизы, «Сүп-сар батшабикәһенә суд» театр-экспромты, акцияларға йомғаҡлау, экоғаилә конкурстары, фильмдар ҡарау һ.б. Өфөлә был аҙналыҡта шәмбе өмәләре генә түгел, ә музыка, конкурстар, һыйлауҙар һәм төрлө сюрприздар менән ысын мәғәнәһендә байрамдар ҙа үтәсәк. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыясаҡтар. Иң әүҙемдәр бүләкләнәсәк. - Балаларҙың иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өйөлөп ятҡан сүплектәр күләмен кәметәсәгенә, уның экологияға ыңғай тәьҫиренә йүнәлтәбеҙ. Был ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеүгә өйрәнеүгә мөһим аҙым. Хәлде яҡшыртыу өсөн экологик мәҙәниәтте үҫтерергә, халыҡтың белемен күтәрергә, бала саҡтан уҡ ошо ҡағиҙәләргә өйрәтергә кәрәк, - тип билдәләйҙәр Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Көн бик һыуыҡ. Әсләм өшөнө, өйгә инде. Атаһы урманға китергә әҙерләнеп йөрөй ине. — Улым, әйҙә урманға икәүләп барайыҡ. — Атай, һыуыҡ бит, өшөтә! — Өшөмәҫһең! Урманда йылы була ул. Әсләм ышанманы. Атаһы уны урманға алып китте. Ул ҡоро ағастарҙы киҫеп ауҙара. Ботаҡтарын ботай. Әсләм уларҙы сана янына ташый. Ысынлап та, ул шунда уҡ йылынып китте. Тирләй башлағас, ҡолаҡсындарын күтәреп ҡуйҙы. Малай атаһынан: — Ни эшләп урманда ҡышын да йылы була икән? — тип һораны. Атаһы көлдө лә: — Утын күп булғанға, — тине. Фәрит Иҫәнғолов (1988 йыл) Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
#ВладимирПутинКисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Торлаҡ йорттар төҙөү һәм авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләштеләр. #ВладимирПутин Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Торлаҡ йорттар төҙөү һәм авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләштеләр. Владимир Якушев әйтеүенсә, 2019 йылда 80,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереүгә килгәндә, 2019 йылда күрһәткестәр алты тапҡырға юғарыраҡ булған. “Рәсәй Федерацияһы субъекттары был йүнәлештә әүҙем эшләй”, – тип белдерҙе Якушев. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарының беренсе һәм сығарылыш алды курстары студенттары өйҙән уҡыуға күсә. Белем биреү учреждениеларында COVID-19 йоҡторғандарҙың артыуына бәйле ҡабул ителгән ҡарар тураһында бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Бынан алда ноябрь башында юғары уҡыу йорто студенттары ғәҙәттәгесә уҡый башларға тейеш ине. Министр һүҙҙәренсә, көн һайын юғары уҡыу йорттарында студенттар һәм уҡытыусылар араһында 30-50 сирле теркәлә. Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, коронавирустан тыш, башҡа сирҙәр ҙә осрай. Сығарылыш курстары студенттарын уҡытыу форматын уҡыу йорттары етәкселеге һайлай, тип өҫтәне Айбулат Хажин. Урта махсус уҡыу йорттарында ауырыу йоҡторғандар күп түгел, шуға күрә колледж-техникум студенттары ғәҙәттәгесә уҡыуын дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы уҡыу йылы башланғас, вуздарҙың бакалавриат һәм магистратураның беренсе курс студенттары, шулай уҡ колледждарҙың беренсе һәм сығарылыш курстары ғына уҡырға йөрөй башланы. Ҡалғандары өйҙән уҡыны. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәте буйынса, быйылғы уҡыу йылында урта махсус уҡыу йорттарында — 94 меңгә яҡын, вуздарҙа 98 мең самаһы студент белем ала. Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. https://www.bashinform.ru/bash/1516219/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Өфө районында урынлашҡан «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһында янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Өфө районында урынлашҡан «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһында янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе. Был уҡыуҙар Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизоны һәм «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһының киҫкен хәл килеп тыуғанда йәки резервуар паркта янғын сыҡҡан осраҡта бер-береһе менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Алдан әҙерләнгән сценарий буйынса, нефть һаҡлауға тәғәйенләнгән 5 мең куботметр һыйҙырышлы резервуарҙа янғын сыҡты. Янғын урынына тәүгеләрҙән булып 60-сы янғын-ҡотҡарыу дежур ҡарауылы килеп етте. Ҡарауыл начальнигы шунда уҡ янғындың юғары хәүефлеген билдәләне һәм шартлы янғынды һүндереү өсөн автомобилдәрҙе кисекмәҫтән һыу сығанаҡтарына көйләргә һәм резервуарҙа янғынды һүндереү үҙәгенә тоташтырырға ҡушты. Янғын күбек менән тәьмин итеүсе махсус ҡорамал ярҙамында күбек менән һәм резервуар стеналарын һыуытыу ысулы аша һүндерелде. Күнекмәлә барлығы янғысылар подразделениеһы һәм станция персоналынан ғибәрәт булған 43 кеше ҡатнашты, ете техника берәмеге йәлеп ителде. Янғынсылар һәм станция хеҙмәткәрҙәренең етеҙлеге ярҙамында “янғын” норматив ваҡытта һүндерелде һәм “ут” Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһының башҡа производство объекттарына таралып өлгөрмәне. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығының республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен яҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығының республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен яҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды мәғлүмәте буйынса, конкурста 8 ойошма еңеүсе тип иғлан ителде. Еңеүселәр араһында — коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан 16 проект, 15 проектты – муниципаль, ете проектты иһә дәүләт бюджет учреждениелары әҙерләгән. Еңеүсе-проекттар Башҡортостан Республикаһының туғыҙ муниципалитетынан, уларҙан 24 проект – Өфөнән, ике проект — Сибайҙан, ике проект — Ишимбай районынан, Дәүләкән, Иглин, Шишмә, Бүздәк, Бишбүләк райондарынан һәм Күмертауҙан берешәр проект. Еңеүселәр иҫәбендә башҡа төбәктәрҙән проекттар ҙа бар, улар араһында – Мәскәү, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы. Республика халыҡтарының туған телдәрен үҫтереү һәм популярлаштырыу яңы заманса һәм ҡыҙыҡлы форматта алып барыла. Еңеүсе-проекттар араһында – «Балалар» анимациялы видео-китаптар, «Яңы моң» вокаль талант-шоуы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә «Башҡортостан ынйыһы» ҡыҫҡа метражлы анимациялы фильмдар төшөрөү, башҡорт телендә «ЖиТЕЛь» мәктәп милли театр студияһы һәм татар телендә «Салауат күпере» ҡурсаҡ театры, «СәләмPRO» мультимедиа һәм интерактив мобиль ҡушымтаһы, «Республика» блог-туры һәм башҡа проекттар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проекттарҙың суммаһы 80 миллион һумға тиклем арттырылды. Ҡайһы бер проекттарҙы тормошҡа ашырыу быйыл ғинуарҙан башлана. https://www.bashinform.ru/news/1545734-nazvany-imena-obladateley-grantov-glavy-bashkortostana-na-sokhranenie-i-razvitie-yazykov/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Рәсәйҙәргә айына уртаса 66 мең һум самаһы эш хаҡы алырға кәрәк – лайыҡлы тормош өсөн шул етә. Мәскәүҙәргә бының өсөн 100 мең тирәһе, ә Санкт-Петербургта йәшәүселәргә 91 мең кәрәк. Граждандарға «Лайыҡлы йәшәү өсөн һеҙҙең ҡалала кеше күпме эш хаҡы алырға тейеш?» тигән һорау бирелгән. «Петербургта һәм Мәскәүҙә генә түгел, баш ҡалаға яҡын урынлашҡан Химки, Балашиха һәм Подольск ҡалаларында ла теләгән хеҙмәт хаҡының иң юғары уртаса күрһәткестәре билдәләнгән. Барнаулда һәм Якутскиҙа йәшәүселәр айына — 55 мең, Улан-Удела — 54 мең, Читала 50 мең һумға риза», — тип асыҡлыҡ индерҙе Финанс университеты проректоры Алексей Зубец. Тикшеренеү барышында йәшәү сифаты стандартын тәшкил иткән төп уңайлыҡтар йыйылмаһы билдәләнгән. Улар — шәхси йорттоң йәки машинаның булыуы, сифатлы дауа һәм белем алыу мөмкинлеге, яҡшы туҡланыу, шул иҫәптән кафеларҙа һәм ресторандарҙа, спорт йәки яратҡан эш менән шөғөлләнеү, театрға, күргәҙмәгә йөрөү, ҡыҙыҡлы эш, сәйәхәт итеү. Ҙур һәм урта ҡалаларҙа йәшәгән рәсәйҙәрҙең 24% килемдең лайыҡлы кимәленә өлгәшеүен билдәләй, 19% алдағы биш йылда шуға яҡынлашырға ниәтләй, 48% бер ҡасан да уға ирешмәүен хәбәр итә. Мул тормошта йәшәүгә өлгәштек тип раҫлаған кешеләрҙең күпселеге Ҡазанда, Мәскәүҙә, Грозныйҙа, Махачкалала һәм Симферополдә билдәләнгән. Алдағы биш йылда килемдең лайыҡлы кимәленә өлгәшеренә ышанғандарҙың күбеһе Владивостокта, Хабаровскиҙа, Читала, Красноярскиҙа һәм Якутскиҙа йәшәй. http://www.bashinform.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Раббым, уларҙың ғүмерен оҙайт, уларҙы һаулыҡ, сәләмәтлектән айырма, уларҙы Һиңә буйһоноуҙа һәм ғибәҙәт ҡылыуҙа ныҡлы ит. Раббым, уларҙың көсһөҙҙәренә көс бир һәм ауырыу булғандарына шифа бир. Раббым, уларҙың тәндәрен нығыт, ишетеү, күреү һәләттәрен яҡшырт, уларҙың кәмселектәрен төҙәт һәм уларҙы камил ит. Раббым, Үҙ мәрхәмәтең менән уларҙы ауырыуҙарҙан, гонаһтарҙан, хаталарҙан һәм аҙашыуҙарҙан һаҡла һәм уларҙы Һиңә тоғро ит. Эй Аллаһ, уларҙы ата-әсәләрен тыңлауға күндер. Эй Аллаһ, миңә уларҙы юғары әхлаҡлы һәм тәҡүәле итеп үҫтерергә ярҙам ит. Раббым, мин Һиңә үҙ нәҫелемде ышанып тапшырам. Мин Һинән уларҙы ауырыуҙарҙан һәм әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсалауыңды һорайым. Һин уларҙы төндә таралған яуызлыҡтан, көндөҙ күҙ тейеүҙән, кешеләрҙең көнләшеүенән һәм нәфрәтенән һаҡлаһын өсөн уларҙы Һиңә ышанып тапшырам. Раббым, балаларымды һәр яҡлап һаҡла – өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да, алдан да, арттан да. Эй Аллаһ, балаларым намыҫымдың сәбәбе һәм ғорурлығымдың сығанағы булһын. Улар Һине яратҡандарҙы яратһын. Эй Аллаһ, балаларымды донъялыҡта ла, Ахирәттә лә – яҡшылыҡ һәм Һиңә буйһоноуға һәм Һине һөйөүгә килтергән ғилем менән ниғмәтлә. Аллаһым, балаларымдың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет-сәғәҙәт, тәҡүәлек һәм байлыҡ килтерәсәк уңышты юлдаш ит. Аллаһым, уларҙа саф йөрәк, рәхимлек, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу кеүек сифаттар булдыр һәм уларға ғилем бир. Эй Аллаһ, балаларымды кәмһетелеүҙән һәм мәсхәрәнән ҡурсала. Уларға ҡыуаныс килтер – был мине лә бәхетле итәсәк. Раббым, уларҙың ишетеү, күреү һәләттәрен һәм һаулығын бәрәкәтле ит, уларға аҡыл һәм күркәм холоҡ бир.
Халҡыбыҙҙа ошондай мәҡәл бар. Ғәҙәттә ихатаһында аҫралған мал-тыуарына, ҡош-ҡортона яҡшы мѳғәләмәлә, хәстәрҙә булған шәхестәрҙе шулай тип нарыҡлайҙар. Бер хужалыҡта оҙаҡ ҡына йылдар бергә эшләргә насип булған, 40 йылға яҡын ветеринария хеҙмәткәре стажына эйә Риф Байғужинға ҡарата ошо фекерҙе бик тә ҙурлап әйтергә мөмкин. Халҡыбыҙҙа ошондай мәҡәл бар. Ғәҙәттә ихатаһында аҫралған мал-тыуарына, ҡош-ҡортона яҡшы мѳғәләмәлә, хәстәрҙә булған шәхестәрҙе шулай тип нарыҡлайҙар. Бер хужалыҡта оҙаҡ ҡына йылдар бергә эшләргә насип булған, 40 йылға яҡын ветеринария хеҙмәткәре стажына эйә Риф Байғужинға ҡарата ошо фекерҙе бик тә ҙурлап әйтергә мөмкин. Бынан алты тиҫтә йыл элек райондың Ҡалта ауылында тыуған, бала саҡтан мал ҡарап үҫкән Риф, мәктәптә 8 синыфты уңышлы тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ, Йылайыр районы үҙәгендә урынлашҡан 28-се һанлы ауыл һѳнәри училищеһенең ветеринария бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуҙы уңышлы бѳтѳргәс, «Кѳйѳргәҙе» совхозының шул исемдәге бүлексәһендә ветфельдшер вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Үҙе һайлаған һѳнәрен яратҡан белгес эшен уңышлы башҡара. Шул уҡ ваҡытта ул белем кимәлен күтәреү хаҡында ла уйлана һәм хужалыҡ етәкселеге фатихаһы менән 1977 йылда Стәрлетамаҡ совхоз-техникумының ветеринария бүлегендә белем эстәй башлай. Уҙған быуаттың 80-се йылдары башында Риф Йәһүҙә улы «Кѳйѳргәҙе» совхозының тѳрлѳ бүлексәләрендә үҙ һѳнәре буйынса эшен дауам итә. Етәкселек, уны ѳйләнмәгән белгес булараҡ, тѳрлѳ бүлексәләргә күсерә. Бәғзе бер хеҙмәткәрҙәр бындай шарттарға риза булмай, совхоздан китеү яғын ҡарай, ә Риф Йәһүҙә улы ҡайҙа ебәрһәләр, шунда эшләүен белә. Ул саҡта хужалыҡ бүлексәләрендә мал бик ишле булды. Әйтәйек, уртаса кимәлдәгеһендә 200 баш тирәһе һауын һыйыр, шул тиклем йәш һыйыр малы, 50-60 йылҡы аҫрала ине. Ә «Үҙәк» бүлексәлә уның ҡарамағында 4 мең башҡа тиклем сусҡа, 500 баш тирәһе һимертеүгә ҡуйылған һыйыр малы, бер мең башҡа тиклем һарыҡ булды. Ошондай ҙур күләмдәге малды ветеринария яғынан хеҙмәтләндереүҙе Риф Байғужин еренә еткереп башҡарҙы, башҡаларға ѳлгѳ булды. 1994 йылда Айсыуаҡта район ветеринария станцияһының участкаһы асылғас, уны шунда эшкә саҡыралар. Ул тәүҙә бында ветеринар, хәҙер ѳсѳнсѳ йыл мѳдир булып эшләй. Участкаға әлеге ваҡытта 4 ауылда һәм ике хужалыҡта аҫралған 750-ләп һыйыр малы, 600-ләп баш ваҡ мал, 400-гә яҡын йылҡы беркетелгән. Мал кѳндѳҙ ҙә, тѳндә лә ауырығас, Риф ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ярҙамға ашыға, ул шундай эш режимына күнегеп тә бѳткән. «Хеҙмәтенә күрә хѳрмәте» тигәндәй, Риф Йәһүҙә улы фиҙаҡәр эше ѳсѳн район Хакимиәтенең, элекке совхоздың, ветеринария станцияһының етәкселеге тарафынан күп һанлы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хәләл ефете Зѳһрә менән бергә татыу ғүмер кисереп, Ләйсән исемле ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары, ике юғары белем алып, Ѳфѳләге бер мәктәптә уҡыта. 60 йәшлек ғүмер үрен малсылыҡ тармағы ветераны Риф Байғужин емешле хеҙмәт, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, эш тәжрибәһен йәш белгестәр менән теләп уртаҡлашыусы булараҡ ҡаршылай. Фото ғаилә архивынан Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
#миллипроекттар#төбәкпроекттарыКүп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға 3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә быйыл республикала 1681 күп фатирлы йорт төҙөкләндереләсәк. Был йорттарҙа 1790 төрлө ремонт эштәре башҡарыу планлаштырыла. Тәү сиратта 351 йорттоң түбәһен ремонтлау, 149-ының инженер селтәрҙәрен яңыртыу, 49 йортта һыу, 25 йортта газ, 23 йортта йылылыҡ торбаларын, 49 йортта электр селтәрҙәрен алмаштырыу ҡаралған. Шулай уҡ 71 йорттоң тышҡы йөҙө, ике йорттоң фундаменты нығытыласаҡ, 27-һенең түбәһе йылытыласаҡ. Ә 38 күп фатирлы йорттарҙа лифттар урынлаштырыла һәм 101 йортта лифт күтәреү яйланмалары яңыртыласаҡ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
- Бәйгелә ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең теләктәре ҙур, әммә, ауылдарҙа улар менән эшләгән белгестәр етмәүе күңелде ҡыра, - ти Й. Рамаҙанова. Йәмилә РАМАҘАНОВА, “Йәшлек” мәҙәниәт йорто режиссеры: - Бәйгелә ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең теләктәре ҙур, әммә, ауылдарҙа улар менән эшләгән белгестәр етмәүе күңелде ҡыра. Конкурста ҡатнашырға теләп беҙгә күп йәштәр килә, ләкин телебеҙҙе белмәүҙәре арҡаһында бәйгенән төшөп ҡалыуҙары ла эсте бошора. Сарала конкурсанттарға бейеү һалыу яғынан ярҙам иткән Яҡут мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәмзиә Әбйәлиловаға рәхмәтемде белдерәм. Сараны үткәреүҙә спонсор ярҙам күрһәткән “Юшатыр” гәзите мөхәррире Малик Ильясовҡа, фермер Дамир Хәйбуллинға, районыбыҙ хакимиәтенең йәштәр бүлегенә, ағинәйебеҙ Тамара Малбаеваға, “Мәрхәмәтлек” фонды директоры Айнур Ҡәҙимовҡа, әүҙем ҡыҙыбыҙ Алина Дәминоваға һәм Илнур Рамаҙанов етәкселегендәге “Юлдаш+” радиоһына рәхмәттәрем сикһеҙ. Йыл да ярҙам итеп торалар, уларҙың эштәрендә уңыштар теләйем. Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың ҡотҡарыу хеҙмәттәре етәкселәре, эвакуация комиссияһы һәм төбәк иҡтисады объекттары эшенең тотороҡлоғон күтәреү буйынса комиссия ағзалары һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрелде. Уны республика Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов алып барҙы. Күнекмәләрҙе юғары кимәлдә үткәреү өсөн Ирек Сәғитов әйтеүенсә, күнекмәләр Салауат ҡалаһында урынлашҡан «Газпром нефтехим Салауат» базаһында уҙғарыла. Бында техноген характерҙағы ҙур ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса практик саралар үтә. – Муниципаль кимәлдә заманса зарарһыҙландырыу сараларын ҡулланып, тәбиғи һәм техноген характерҙағы ҙур ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса практик саралар эшләнә. Күнекмәләрҙең төп маҡсаттары һәм бурыстары булып бөтә идаралыҡ органдарының граждандар оборонаһы етәкселәренең белемен камиллаштырыу; халыҡҡа хәбәр итеү һәм мәғлүмәт биреү һөҙөмтәлелеген күтәреү; киң мәғлүмәт сараларын, электрон мәғлүмәт ресурстарын файҙаланып, бөтә халыҡ өсөн төҙөлгән хәл тураһында мәғлүмәтте ваҡытында еткереү һәм уны халыҡҡа еткереүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ бер төркөм көнүҙәк мәсьәләләр тора, – тине вице-премьер. Доклад менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов сығыш яһаны. Ул идаралыҡ органдары етәкселәренең иғтибарын ойоштороу күрһәтмәләренә ярашлы саралар үткәреү кәрәклегенә йүнәлтте. Уҡыуҙар ике этапта уҙасаҡ. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров халыҡҡа хәбәр итеү һәм мәғлүмәт еткереү, шулай уҡ уҡыу сиктәрендә ҡала округы өлкәһендә мәғлүмәт йыйыу һәм алмашыу мәсьәләләре тураһында һөйләне. Хәҙерге этапта граждандар оборонаһы халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сәғитов.
Финалға сыҡҡан спектаклдәрҙең видеоверсияларын, ә улар Урал аръяғы федераль округының бөтә төбәктәренән йыйылған 14 студент һәм 14 мәктәп постановкалары, проекттың http://театральноеприволжье.рф/ сайтында ҡарарға мөмкин. Тамашасылар, спектаклдәрҙе ҡарап ҡына ҡалмай, оҡшағандарына тауыштарын да бирә ала. Фестиваль еңеүселәрен нәҡ улар ғына билдәләй бит. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы Театр йылына арналып, Рәсәй Президенты вәкиле Игорь Комаров инициативаһы менән үткәрелгән “Театрлы Волга буйы” фестивале 27 мартта старт алғайны. Яңы проект уҡыусылар һәм студенттар араһында театр хәрәкәтен йәнләндереүгә, йәштәр театр сәнғәтен үҫтереүгә яңы этәргестәр булдырыу маҡсатынан ойошторолдо. Башҡортостанда студенттар коллективы араһынан “Ҡорос” халыҡ театры (М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) “Тиле йәшлек” спектакле менән иң яҡшыһы тип танылды. Ә мәктәп театрҙары араһынан Гран-приҙы МЕЖГОРЬЕ ҡалаһынан “ПАУЗА” студияһы алды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, донъяны юҡтан бар ҡылыусы, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләргә ризығын биреп тороусы Ҡиәмәт көнөндә мөьмин мосолмандарҙы үҙенең йәннәтенә индереп рәхим ҡылыусы, бөтә халыҡтарҙың ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәрен, тәүбәләрен ҡабул ҡылыусы, гонаһтарын ярлыҡаусы, донъяны Әҙәм балаларына гөл-баҡса итеп яратыусы, бәндәләр аҙашҡанда тура юлға өндәүсе, пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе, донъяның һәм ахирәттең хужаһы Аллаһ Тәғәләгә ихлас йөрәгебеҙҙән булған хәмде-ҫәнәләребеҙ, маҡтау һәм данлауҙарыбыҙ булһа ине. Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтөнөһөндә Үҙендән генә һорайбыҙ һәм Үҙендән генә ҡылған гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүҙе һорайбыҙ. Йә, Раббым, һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһаң ине, шулар өсөн ғаҙапламаһаң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхаммәд саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләмгә, уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм уның артынан эйәргән өммәтенә салауат-шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандарҙан ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине. Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр бөгөнгө көн хәленән барығыҙҙа таныш. Аллаһ Тәғәлә беҙгә мосолмандарға ла һәм башҡа бар донъя халҡына ҙур һынау – короновирус тигән ауырыуын ебәрҙе. Тик быға мосолман кешеһе һәр саҡ әҙер, сөнки тәҡдиренә ышана һәм һәр нәмә был Аллаһтан икәнен белә. Шөкөр, беҙҙе үткән быуаттағы кеүек тиҫтәләрсә милионлаған кешеләрҙе алып киткән ҡаты һуғыштар, ваба (чума), холера, тиф һымаҡ ауырыу-бәләләр менән әле һынамай. Бәлки был ауырыуҙың сығыу сәбәбе кешеләрҙең Аллаһтың тәбиғәтенә ҡыҫылыуына һәм зыян һалыуынандыр. Әммә был ауырыуҙың төп сәбәбе халыҡтың Аллаһ Тәғәләне танымауындалыр. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: وَلَنَبْلُوَنَّكُم بِشَيْءٍ مِّنَ الْخَوْفِ وَالْجُوعِ وَنَقْصٍ مِّنَ الْأَمْوَالِ وَالْأَنفُسِ وَالثَّمَرَاتِ وَبَشِّرِ الصَّابِرِينَ الَّذِينَ إِذَا أَصَابَتْهُم مُّصِيبَةٌ قَالُوا إِنَّا لِلَّهِ وَإِنَّا إِلَيْهِ رَاجِعُونَ «Үә ләнәблүүәннәкүм бишәй'им-минәл-хауфи үәл-джүүғи үә наҡсыим-минәл-әмүәәли үәл-әңфүси үәҫ-ҫәмәраати үә бәшширис-саабириин». “Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе (балаларығыҙҙы) бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылырбыҙ. Әй, Мөхәммәд, сабыр итеүселәргә һөйөнөс бир. Уларға берәй ҡайғы ирешһә, Аллаһҡа тапшырылып, беҙ Аллаһының ҡоло, кире Аллаһ Тәғәләгә ҡайтасаҡбыҙ тиерҙәр”, — тип бойора. (Баҡара сүрәһе, 155-156 нсы аяттар). Беҙ, мосолмандар ышанабыҙ, беҙҙе юҡтан бар иткән – Аллаһ Тәғәлә. Төрлө ризыҡтар һәм ниғмәттәр менән туҡландырған — Аллаһ. Ваҡыты еткәндә йәнде алыусы ла – Аллаһ Тәғәлә. Аллаһынан килдек, тағын кире Аллаһыҡа ҡайтасаҡбыҙ. Мосолман кеше һәр һынауға әҙер һәм үлемдән ҡурҡмай. Ә ни эшләп Аллаһ Тәғәлә был ауырыуҙарҙы ебәрә һуң? Бөгөнгө көндә беҙ әллә ниндәй, төрлө-төрлө элек булмаған үлемесле сирҙәр менән ауырыйбыҙ. Медицина өлкәһендә ниндәй генә аппараттар, дарыуҙар уйлап тапһалар ҙа, яңы сығып торған сирҙәр артынан өлгөрә алмайҙар. Ҡайҙан сыға икән был сирҙәр, ишетмәгән һәм белмәгән сирҙәр. Ә сирҙәрҙең сығыуҙары беҙҙең рухыбыҙ сирле булғандан сыға. Аллаһҡа шөкөр ҡылмауҙан. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм: «Кеше оятын юғалтһа, тейешле ерҙәрен ҡаплап йөрөмәһә, зинаны асыҡтан-асыҡ ҡылһа, Аллаһ уларға әлегәсә күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ауырыуҙар ебәрер», — тип беҙҙе киҫәткән. Бөгөн беҙ ашығабыҙ, донъя ҡыуабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең мосолман булғаныбыҙға оялабыҙ. Телебеҙҙе онотабыҙ, түбәтәй кеймәйбеҙ, яулыҡты башҡа япмайбыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ярым яланғас йөрөй. Беҙ үҙебеҙ иҫерешеп, зина ҡылып, сусҡа ите ашап, урлашып, алдашып йөрөйбөҙ. Намаҙ уҡырға, дини белем алырға ваҡытыбыҙ юҡ. Ураҙаларҙы тотмайбыҙ, зәкәттәребеҙҙе түләмәйбеҙ, изгелек ҡылыу һәм саҙаҡа биреү тигән нәмә онотолған. Ашарға юҡмы беҙҙең, кейенергә юҡмы, торорға өй юҡмы? Барыһы ла бар, тик ҡәнәғәтлелек юҡ, сөнки кемдекелер минекенән күберәк, артығыраҡ. Көнсөллөгөбөҙҙән беҙ кешелә булған байлыҡҡа сыҙай алмайбыҙ. Кемдәндер уҙырға, кемдәндер арттырырға тырышып хәсрәтләнәбеҙ, ҡабаланабыҙ. Ҡайҙа инде ашығабыҙ?! Һис шикһеҙ, ҡәбергә. Аҡыллы кеше мәңгелек йортон ҡайғырта. Ләкин көнсөллөк беҙҙе, кешелә булған донъя зиннәттәренә ҡыҙыҡтырып, Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәргә ваҡытыбыҙҙы ҡалдырмай, харамға этәрә, шулай итеп, беҙҙе дөрөҫ диндән яҙҙыра. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ғазаплай. Теге донъяла ла ғазаптары бик ҡаты, бик ныҡ ҡурҡыныс булыр. Шулай булғас беҙҙе Аллаһ Тәғәлә әхирәттә ғазапламаҫ өсөн, ошо фани донъяла ғазаплай. Кемде ғәйепләргә һуң, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ғәйепләйек. Ошо йәшәү рәүешен үҙгәртергә теләйбеҙ икән, иң беренсе үҙебеҙҙе үҙгәртәйек, иманға киләйек. Сирҙәребеҙ бар икән, үҙебеҙҙең йәшәйешебеҙгә ҡарайыҡ. Дөрөҫ йәшәйбеҙме икән? Бәхетле булаһыбыҙ килә икән, ауырыуҙарға бирешмәйбеҙ тиһәк, Ҡөръәнгә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәттәренә таянып йәшәйек. Дөрөҫ йәшәмәһәк, беҙгә бер ниндәй ҙә табип, бер ниндәй ҙә имләүсе ярҙам итә алмаҫ. Бөгөнгө көн беҙҙең иманды, сабырлыҡты, Аллаһҡа тәҡүәлекте һынай. Аллаһ Тәғәләгә нығыраҡ һыйынырға, Уға ҡарата ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе күбәйтергә һәм доғаларҙа булыу кәрәк. Илебеҙгә именлек, йәнебеҙгә тыныслыҡ, тәнебеҙгә сәләмәтлек һорар кәрәк. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ваҡыт бирҙе уйланырға, йәшәү рәүешен үҙгәртергә, ғәиләгә иғтибар бирергә. Хөрмәтте һәм ихтирамды башҡаларға күрһәтергә, уларҙы ҡайғыртырға, хәстәрле булып ярҙам итеүҙе, изгелекле һәм игелекле булыуҙы, хәйерле ғәмәлдәрҙе күбәйтеүҙе артырыр кәрәктер. Был короновирус ауырыуынан ҡурҡыу кәрәкмәй, ә Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыу кәрәктер. Вирус бит Аллаһтың һынауы. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән аяттарында: وَمَن يَتَّقِ اللَّهَ يَجْعَل لَّهُ مَخْرَجًا «…үә мәй-йәттәҡилләәһә йәджғәл ләһү махраджәә». «Кем Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡа, Аллаһ шуға уйҙамаған ерҙән сара (ярҙам) бирер – тигән». 65/2 وَيَرْزُقْهُ مِنْ حَيْثُ لَا يَحْتَسِبُ وَمَن يَتَوَكَّلْ عَلَى اللَّهِ فَهُوَ حَسْبُهُ «Үә йарзүҡһү мин хәйҫү ләә йәхтәсибү үә мәй-йәтәүәккәл ғәлә-ллаһи фәһүүә хәсбүһүү…». Һәм дауам итеп «Аллаһҡа инанған кешегә көтмәгән ерҙән ризыҡ бирер» – тигән. Аллаһ ризалығы өсөн көсһөҙҙәргә ярҙам иткән, саҙаҡаларын биргән, зәкәттәрен түләгәндәр ҡурҡмаһындар. Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә ризығын көнөнә биреп тора, кем иртәгә ашарға ризығым юҡ тип ҡайғырһа ул Аллаһҡа ышанмаусы кеше була. Бөгөн ни күрәбеҙ, иблис кешенең күңеленә ҡотҡо һалып кешенең нәфсеһен аҙыра. Әҙәм балалары талаша-талаша мәгәзиндәргә ябырылған. Ҡараңғы күңеле кешеләр шунан файҙаланып ризыҡ-тауар хаҡтарын артыра. Был халыҡтың ғәмһеҙлеген, ғафил булыуын, рәхимһеҙлеген күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: «Һеҙҙең иманығыҙ теүәл булмаҫ, әгәр үҙегеҙҙә булғанды башҡаларға теләмәһәгеҙ», — тигән. Шуға ла бөгөн беҙ бер-бербеҙгә ярҙам итергә, яҡын булырға тейешбеҙ, берҙәм булып Аллаһтан шифа биреүен теләп ялбарырға кәрәктер. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең күҙгә күренмәгән бәләкәй генә бер вирусы менән Үҙенең Бөйөклөгөн, Хакимлеген күрһәтә. Беҙ вирустан түгел, Аллаһтан ҡурҡыр кәрәк. Шуға ла беҙгә Аллаһты танып, Уны тыңларға, тәүбәгә килергә, истиғфарҙа булырға кәрәк. Әлегә тәүбә ишектәре асыҡ, бер мәле уныһы ла ябылып, Аллаһ беҙҙән Ҡөръәнде алһа ни эшләрбеҙ. Ҡиәмәт көнөнөң бер ғәләмәте – Аллаһ Ҡөръәнде Үҙенә кире алыр. Бөгөн мәсеттәребеҙ бар, әммә уға барырға ишектәребеҙ ябыҡ, хажға барабыҙ тиһәк сиктәр ябыҡ. Бына Аллаһ үҙенең Бөйөклөгөн күрһәтеп беҙҙе өйҙәребеҙгә бикләп ҡуйҙы. Әммә ул үҙенең Рәхимлеген күрһәтеп шифаны Минең аяттарымдан эҙләгеҙ ти. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә, Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әгәр ҡолом бәлә килгәндә Минән ярҙам һораһа, Мин уға ул һорағанса ярҙам итермен, уның доғаһына ул һүҙҙең әйткәнсә үк яуап бирермен. Әгәр ҡолом бәлә килгәндә Минән ярҙам һорамайынса мәхлүктәремдән, кешеләрҙән ярҙам һораһа Мин уға күк ҡапҡаларын ябырмын». Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдең «Исра» сүрәһенең 82-се аятында әйтә: وَنُنَزِّلُ مِنَ الْقُرْآنِ مَا هُوَ شِفَاء وَرَحْمَةٌ لِّلْمُؤْمِنِينَ وَلاَ يَزِيدُ الظَّالِمِينَ إَلاَّ خَسَاراً «Үә нүнәззилү минәл-Ҡур'әәни мәә һүүә шифәә'үү-үә рахмәтүл-лил-мүьминиинә үә ләә йәзиидүҙ-ҙаалимиинә илләә хасәәраа». "Беҙ мөьминдәрҙең күңелдәренә шифалы аяттарҙы һәм Ҡөръәндән рәхмәтле хөкөмдәрҙе иңдерәбеҙ, әммә Ҡөръән менән ғәмәл ҡылмаған залимдәргә Ҡөръән аяттар хәсрәтте үә һәләкәтте генә арттырыр". Шулай уҡ «Йунус» сүрәһенең 57-се аятында, әйткән: يَا أَيُّهَا النَّاسُ قَدْ جَاءتْكُم مَّوْعِظَةٌ مِّن رَّبِّكُمْ وَشِفَاء لِّمَا فِي الصُّدُورِ وَهُدًى وَرَحْمَةٌ لِّلْمُؤْمِنِينَ «Йәә әййүһән-нәәсү ҡад джәә'әткүм мәүғиҙатүм-мир-раббикүм үә шифәә'үллимәә фис-судүүри үә һүдәү-үә рахмәтүллил-мүьминиин». “Әй кешеләр! Раббығыҙҙан һеҙгә өгөт булып Ҡөръән килде, ул күңелдәге иманһыҙлыҡ, наҙанлыҡ ауырыуҙарына дауа, күңелен уның менән шифалаған кешеләргә һиҙәйәт һәм мөьминдәргә рәхмәт". Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Дарыуҙарҙың изгерәге Ҡөръәндер, шуға ла ауырыуҙарығыҙҙы Ҡөръән менән дауалағыҙ» – тигән. Ләкин Ҡөръән Кәримдең һәм Пәйғәмбәребеҙ доғалары шифаһын һәм файҙаһына ирешер өсөн ихлас камил һәм тулы иман булыуы шартыр. Шул рәүештә булғанда файҙаларына ирешеүгә шөбһә юҡтыр. Имандың яртыһын тәшкил иткән сабырлыҡ иһә кешенең даими иманлы булыуын тәьмин итәлер. Сөнки пәйғәмбәребеҙ: «Сабырлыҡ – имандың яртыһылыр» тип әйткән. Ҡөръән Кәримдең күп аяттарында сабырлыҡ тураһында иҫкә алына. «Эй, иман килтереп инаныусылар! Сабырлыҡ һәм намаҙ менән ярҙам һорағыҙ. Ысынында, Аллаһ сабыр итеүселәр менән бергәлер». Баҡара сүрәһе, 153 аят. Рәсүлүллаһи ғәләйһиссәләм: «Кем бер тәүлек ауырыһа һәм сабырлыҡ ҡылып Аллаһ Тәғәләнән риза булһа, Аллаһ Тәғәлә уның гонаһтарын юйыр һәм ул әсәһенән яңы тыуған бала кеүек сафланыр». Шуға күрә ауырыу килеүгә үк шифа һорамағыҙ, сабыр итегеҙ. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Әгәр мөьмин бәндәгә ауырыу кеүек һынау килһә, Аллаһ Тәғәлә һул яҡтағы фәрештәгә: «Туҡта, яҙмай тор», тип әйтә. Ә уң яҡ фәрештәгә: «Минең ҡолома уның иң яҡшы ғәмәлдәрен яҙ», тип бойора. Һәм тағы бер хәҙистә: «Әгәр кеше ауырыһа, Аллаһ Тәғәлә уның эргәһенә ике фәрештәһен ебәрә һәм бойора: «Тыңлағыҙ, ҡолом нимәләр әйтә. Ауырыу «Әлхәмдүлилләһ» тиһә, фәрештәләр быны Аллаһ Тәғәләгә тапшыралар һәм ул әйтә: «Минең ҡолом рәхмәтемә лайыҡ булды, әгәр вафат ҡылһам Мин уны йәннәтемә индерәм, әгәр шифа бирһәм Мин уға яңы яҡшы ҡан бирәм һәм гонаһларың ярлыҡайым». Беҙ Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрендә бөтөн сирҙәрҙән дә дауа барлығына шикләнергә һәм ғәжәпләнергә тейеш түгелбеҙ. Аллаһ Тәғәлә биргән ҡара тмин (әнис) орлоғондә бөтә сирҙәрҙән дауа булыуына шикләнмәгән шикелле, Ҡөръәнгә лә шикләнергә тейеш түгелбеҙ. Әлбиттә, кешенең тышҡы һәм эске сирҙәренә, тән һәм йән сирҙәренә Ҡөръәндең дауа булыуына шик-шөбәһеҙ ышанырға тейешбеҙ. Әгәр ҙә беребеҙ Ҡөръәндең бәхет, именлек, дауа сараһы булыуына шикләнә икән, уны Аллаһ тарафынан «Исра» сүрәһенең 82 аятында әйтелгән хаҡиҡәтте: «Беҙ мөьминдәрҙең күңеленә шифалы аяттарҙы һәм Ҡөръәндәң рәхмәтле хөкөмдәрҙе индерәбеҙ», тигән изге һүҙҙәрҙе кире ҡағыусы тип танырға тейеш булабыҙ. Ибн әл- Ҡайүм әйтеүенсә: «Ҡөръән ул – йөрәк (рух) һәм тән ауырыуҙарынан, был донъя һәм ахирәт сирҙәренән хәҙерге заман дауаһы. Һауығыуҙы Ҡөръәндән эҙләгән, уны дөрөҫ ҡулланған һәм уның дөрөҫлөгөнә һәм дауа көсөнә һис шикһеҙ ышанған кешенең бер сире лә ҡалмаҫ». Дөрөҫ хәҙистә әйтелә: «Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Минем хөкөмдәремә риза булмаған һәм Минең ниғмәттәремә шөкөр ҡылмаған кеше үҙенә Минән башҡа Раббы, тәрбиәсе эҙләһен!». Кем үҙенә килгән ауырыуҙарға, бәлә-ҡазаларға түҙеп сабырлыҡ ҡылһа, ризаһыҙлыҡ белдермәһә, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә уны 700 дәрәжә юғары күтәрер. Һәр бер дәрәжәһе ер менән Көрси араһы ҡәҙәр булыр. Мосолман ҡәрҙәштәрем, ошо замана әфәттәренән, бөгөнгө көн ауырыуҙарынан ҡотолоу сараһын тик Аллаһтан ғына һорайыҡ, тәүбә үә истиғфәрҙә булайыҡ. Аллаһтың Хакимлеген, Бөйөклөгөн, Берҙән Бер булыуын таныйыҡ. ИншаАллаһ, Аллаһ беҙгә ярҙам итәр. Йә, Раббым, бары Һиңә ялбарып доға ҡылабыҙ, беҙгә лә шундай иман, тәҡүәлек һәм сабырлыҡ бир. Ҡальбебеҙҙе донъяға йүнәлтмә, Үҙеңә мөхәббәткә юнәлт, һиҙийәтеңдән, рәхмәтеңдән ташлама, аҙашыу-һаташыуҙарҙан, шайтан үәсүәсеүәһенән һәм ҡотортоуынан һаҡла, халҡыбыҙҙы ҡаты сирҙәргә дусар итмә, бар көс ҡеүәт Һиндә генә, Үҙ шифанды беҙгә бир, йәнебеҙҙе тыныслыҡ, тәнебеҙгә сәләмәтлек бир. Әмин. Twitter Digg Facebook Delicious StumbleUpon Эта запись написана автором Назир Сабитов, 03.04.2020 в 01:00, и размещена в категории вәғәздәр. Следите за ответами на эту запись с помощью RSS 2.0. Вы можете написать комментарий или разместить обратную ссылку на своем сайте. Ошо сайтта кәрәк мәғлүмәт эҙләр өсөн, аҫҡы юлға, мәҫәлән: башҡорт, – тип яҙһағыҙ шул биттәр асыла Ошо аҫтағы *поиск* юлға кәрәк һорау (мәҫәлән: доға (ошо һүҙҙе копировать итеп)) яҙһағыҙ – шул биттәр асыла
Тәүге осрашыуҙа уҡ был мөләйем йәш ханым минең күңелемдә тик матур, яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ниндәй генә тормош ҡатмарлыҡтары булмаһын, Эльзидәнең йөҙө һәр саҡ асыҡ, ул кешеләрҙе үҙенә тартып, йөрәк йылыһын һәр кемгә тигеҙ бүлергә тырыша. Уның кеүек ихлас, асыҡ, теремек һәм һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр менән бергә аралашып йәшәү рухты күтәрә. Абҙан ауылында ғүмер иткән Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы һәм Әхәт Миңлебай улы Хәсәновтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙ китапханасы әсәһенән бер тотам да ҡалмай уның эш еренә йөрөргә ярата. — Сабый сағымда китапхана минең өсөн серле әкиәт донъяһын хәтерләтә ине. Унда кереп инеү менән ҡағыҙ еҫенең танауға бәрелеүе һаман дә хәтеремдә, бигерәк тә яңыларының. Әсәйем китап тип йән атыусы кеше булды. Ул кешеләргә гәзит-журнал эҙләй, кәрәкле сығанаҡтар таба, исемлек тултыра, кәңәштәр бирә, төрлө сараларға әҙерләнә. Ғәмүмән, китапханасының эше мауыҡтырғыс та, тынғыһыҙ ҙа. Үҙ мәшәҡәте менән булған мәлдә мин шым ғына балалар китаптарын, төрлө журналдарҙы аҡтарам, сағыу һүрәттәрен ҡарайым, ижекләп-ижекләп әкиәттәр уҡыйым. Аҙаҡ үҫә төшкәс тә ошо ғәҙәтемә тоғро ҡалдым, китап донъяһы минең яратҡан төйәгемә әйләнде. Абҙан мәктәбен тамамлап, сауҙа техникумына уҡырға индем. Ҡулыма диплом алғас, үҙемдең күршем Айҙарға кейәүгә сыҡтым. Туйҙан һуң Талбазыға күсеп киттек. Тик сит яҡтарҙы үҙһенә алмай, барыбер тыуған еребеҙгә ҡайттыҡ. Ауылда бер ни тиклем ваҡыт сауҙа өлкәһендә эшләп алырға тура килде. 2012 йылда ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни саралар ойоштороусыһы вазифаһын тәҡдим иттеләр. Бик шатланып ризалаштым. Махсус белем кәрәк булыу сәбәпле, Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумына документтарымды тапшырып, уны уңышлы тамамланым. Шулай итеп хеҙмәт юлым мәҙәниәт донъяһында башланып китте. Был йүнәлеш миңә яҡын, сөнки үҙем сәнғәт һөйөүсе кешемен, тормош иптәшем музыка ҡоралдарында уйнай, тауышы моңло. Ҡыҙҙарыбыҙ Алһыу һәм Айгизә лә бейергә, йырларға, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға ярата. Улар менән төрлө бәйгеләрҙә һәм башҡа республика, район кимәлендә ойошторолған сараларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайбыҙ. Әсәйем хаҡлы ялға киткәс, күп уйламай уның белем һарайын үҙем ҡабул итеп алып, китап донъяһына сумдым. Был вазифала аҙмы-күпме эшләгәс, урыным ошонда икәнен аңланым. Эйе, китапхана шундай мөғжизәле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналы, серле бер киң даръя. Әгәр һин бер тапҡыр ошонда сумһаң, башҡа бер ваҡытта ла унан айырыла алмаясаҡһың. Китапхана — халыҡҡа рухи тәрбиә һәм мәҙәни белем биреү үҙәге. Яңы китаптарҙың исем туйҙары, билдәле әҙиптәрҙең ижадына, тормош юлына арналған һәм башҡа календарь-тематик байрамдарҙы, музыкаль кисәләрҙе, төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙы даими рәүештә үткәрә торған ер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡиғалар сыуалышы сәбәпле, улар хәҙер онлайн рәүештә ойошторола. Төп эшемдән тыш, “Ҡурай” бейеү һәм “Халҡым теле — хаҡлыҡ теле” тигән сәсәнлек түңәрәге алып барам. Мәҙәниәт йорто, мәктәп менән тығыҙ бәйләнештәмен. Абҙан китапханаһының фонды бай. Яңы китаптар алдырабыҙ, иҫкеләрен рәтләйбеҙ, ипкә килтерәбеҙ. Бынан тыш, төрлө йүнәлештәге матбуғат баҫмаларына ла яҙылабыҙ. Халыҡ мәҙәни усаҡҡа теләк менән йөрөй. Һуңғы арала ул ситтән ҡайтҡан студенттарҙың яратҡан урынына әйләнде, тип әйтһәм дә хата булмаҫ,- тип үҙ һөнәре тураһында бәйән итте китапханасы Эльзидә. Дилара Бәҙретдинова. Фото ғаилә архивынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Был эш “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Кино фондынан бер залға ҡорамалдар алыу өсөн биш миллион һум бүленә, тип хәбәр итте республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Проект 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән торлаҡ пункттарында тормошҡа ашырыла. Райондар халҡы премьераларҙы ҙур ҡалаларҙағылар менән бер көндә ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Министр әйтеүенсә, субсидияға заявканы эшҡыуарҙар ҙа бирә ала – республикала был йәһәттән уңышлы өлгөләр бар. Башҡортостан райондарында әле 20-нән ашыу заманса кино залы бар. Төбәк был күрһәткес буйынса илдең биш лидеры иҫәбендә. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бары уға ғына Юрий Гагариндың ергә килеп төшкәс яһаған тәүге аҙымдарын киноға төшөрөргә ышанып тапшыралар. Уның фильмдарының исеме юҡ, тик һандар ғына, һәм "СОВЕРШЕННО СЕКРЕТНО" тамғаһы һуғылған. Ә ул үҙе, "Бер кемгә лә, бер нимә лә һөйләмәм" тигән ҡултамғаһын ҡуйып, 40 йыл буйына бөтә күргән-белгәндәрен тик хәтерендә генә йөрөтә... "Үтә ныҡ серле" башҡорт егете - кинооператор Мәхмүт Рафиҡов тураһында "Номерной" документаль фильмын һәләтле йәш кинорежиссер Гөлназ Ғәлимуллина төшөрә. Мәхмүт Рафиҡов... СССР -ҙың иң ҙур ҡеүәтен күрһәтеүсе тәүге атом бомбалары шартлатыуҙарҙы тарихи киноға төшөрөүсе үҙ-үҙен аямаған ҡыйыу кинооператор. Шартлауҙарҙы документаль кадрҙарҙа беҙ күргән күренештәрҙең барыһын да тик ул ғына төшөргән. Ул йәшертен хәрби һыу аҫты кәмәһен видеоға төшөрөргә күрһәтмә алып, уны үтәгәндә ныҡ итеп радиация менән ағыулана һәм мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Врачтарға үҙ хәлен һөйләргә ярамай, юғары температураһын төшөрөү, радиацияны йыуҙырыу өсөн 3-4 сәғәттәр буйы душ аҫтында тора. Бары уға ғына Юрий Гагариндың ергә килеп төшкәс яһаған тәүге аҙымдарын киноға төшөрөргә ышанып тапшыралар. Уның Хрущевҡа телефондан шылтыратып иҫән-һау Ергә әйләнеп ҡайтыуы тураһында отчёт биреүен һәм башҡа күрһәтмәләрҙе үтәүен төшөргән берҙән-бер оператор була. Тәүге космонавтың ниҙәр кисергәнен, бер кем дә күрмәгән мөшкөл хәлен бары ул ғына күрә, төшөрә һәм мәңгелек архивҡа йәшерә. Уның оҫталығын Сергей Королeв һәм Игорь Курчатов, академик Сахаров бик юғары баһалайҙар. 91 йәшлек кинооператор - тотош совет эпохаһының өндәшмәҫ шаһиты, бер кем дә белмәгән тәрән серҙәрҙе хәтерендә тота. Күптән түгел үҙе тураһында документаль фильм төшөрөлгән саҡта, асылып, бик күп хайран булырлыҡ факттарҙы һөйләй. Үҙе төшөргән күп фильмдарҙы ул 40-50 йыл үткәс кенә үҙ күҙҙәре менән тәүге тапҡыр күрә. Авиация студенты нисек кинооператор булып китә һуң? Мәхмүт Рафиҡов авиация институтының 3-сө курсында уҡығанда "Яҙ" кинокомедияһында төшөргә саҡырыу ала. Фильм төшөрөү барышында ул киноға ғашиҡ була, ике йыл тырыша торғас, Бөтә союз дәүләт кинематография институтына уҡырға инә. Уҡып бөткәс, ул "Үҙәк фәнни фильм (Центрнаучфильм) студияһына эшкә алына. Уның беренсе кадрҙары йәшерен, ябыҡ полигондарҙа төшөрөлә. Атом һәм водород бомбаларын, ракеталарҙы һынау барышын төшөрә. Уны иң ауыр, иң хәүефле урындарға ебәрәләр, сөнки беләләр: Рафиҡов үлем ҡурҡынысы янағанда ла үҙенә тапшырылған эште намыҫлы үтәйәсәк. Легендар кинооператор тураһында "Номерной" документаль фильмын һәләтле йәш кинорежиссер Гөлназ Ғәлимуллина төшөрә. Ул йәш Мәхмүтте уйнар өсөн төп геройға оҡшаған егет кеше эҙләй. Мәскәү студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһының әүҙем ойоштороусыһы, Рәсәй дәүләт геология разведкаһы университеты студенты Фаил Илембәтовты күргәс, Гөлназ үҙенә кәрәк кешене тапҡанлығын аңлай һәм осрашыуға саҡыра. Легендар кинооператор ролендә уйнарға тәҡдим итә. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ актерлыҡ һәләттәре менән һоҡландырған Фаил, үҙен һынап ҡарар өсөн риза була. Йәш һәм ҡыйыу операторға Фаил тышҡы фиғеле менән генә түгел, ә эске батырлығы менән дә бик оҡшаған була. Уның ҙур сәхнәләрҙә, Мәскәүҙәге башҡорт КВН-ында уйнап туплаған тәжрибәһе бик тә килешеп ҡала, махсус белеме булмаһа ла, Фаил ысын актерҙарса, режиссёрҙан тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетеп, хатта уға кәңәштәре менән ярҙам итеп, йәш Мәхмүт Рафиҡов ролен ихлас уйнай. "Кино төшөрөү барышында, инде олоғайған герой менән осрашыуҙар, уның менән һөйләшеп ултырыуҙар тормошомдоң бик иҫтәлекле мәлдәре", - тип хәтерләй Фаил. "Юрий Гагаринды фотоға һәм видеоға төшөргән кинокамераны тотоп ҡараным", - ти ул. Ергә килеп төшкәс тә, Гагариндан алған автографлы паспортын да күрһәтә Мәхмүт Рафиҡов. Ни өсөн паспорты? Сөнки автограф ҡуйҙырырлыҡ, кинооператорҙың эргәлә башҡа бер ниндәй ҙә ҡағыҙы булмай һәм ул паспортын һуҙа. Был паспорттың аҙаҡҡы битендә "Оператору, Гагарин, 12.04.61 " тигән яҙыу бар. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Сөгөлдөрҙән икра эшләп ҡарағанығыҙ бармы?Ғәләмәт тәмле: бер үк ваҡытта әскелт тә, татлы ла. Ммм, тәмле шул. Ваҡытты һуҙмай, йәһәт кенә эшләй һалайыҡ. Икра өсөн 2 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг помидор, 80 мл 9% аш һеркәһе, 80 гр шәкәр, 300 гр үҫемлек майы, 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 әсе борос, хуш еҫле борос, лавр япрағы, кипкән укроп алына. Сөгөлдөрҙән икра Сөгөлдөрҙән икра эшләп ҡарағанығыҙ бармы?Ғәләмәт тәмле: бер үк ваҡытта әскелт тә, татлы ла. Ммм, тәмле шул. Ваҡытты һуҙмай, йәһәт кенә эшләй һалайыҡ. Икра өсөн 2 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг кишер, 1 кг помидор, 80 мл 9% аш һеркәһе, 80 гр шәкәр, 300 гр үҫемлек майы, 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 әсе борос, хуш еҫле борос, лавр япрағы, кипкән укроп алына. Тәрән табала йә ҡаҙанда майҙы ҡыҙҙырабыҙ ҙа туралған һуғанды өҫтәйбеҙ. Уның өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе һалабыҙ ҙа ялтырағансы ҡыҙҙырабыҙ. Йәнә ит турағыстан үткәрелгән помидор менән әсе боросто һалабыҙ. 10 минут самаһы бешерәбеҙ. Ҡырылған сөгөлдөрҙө өҫтәйбеҙ. Унан аш һеркәһе ҡойоп, шәкәр, тоҙ, борсаҡлы ҡара борос, лавр япрағы, ҡоро укроп һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Йәнә сөгөлдөрлө икраны 1,5 сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Мәле менән болғатып торорға онотмайбыҙ. Бешеп сығырға 10 минут ҡалғас иҙелгән һарымһаҡты өҫтәйбеҙ. Бына хәҙер инде икрабыҙ әҙер. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябып, әйләндереп, һыуынғансы йылы юрған менән төрөп ҡуйырға ғына ҡалды.
Өфөләргә барһағыҙ "Ҡояшлы ҡоймаҡ" байрамында ҡатнашығыҙ. Сараны "Пакер", "Пышка", "Первый трест" һәм "Фармленд" компаниялары ярҙамында «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды ойоштора. Яҙғы байрамда тәмле ҡоймаҡ, конкурстар, халыҡ уйындары, ҡышты оҙатыу һәм коцерт буласаҡ. Шыныһы ҡыҙыҡлы, ҡоймаҡтарҙы билдәле һәм танылған кешеләр бешерә. Байрамда алынған килем 4 йәшлек София Гәрәеваға махсус коляска һатып алырға йүнәлтеләсәк. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Бөгөн "Сәләм" тапшырыуында Башҡортостан телевидениеһының атаҡлы алып барыусылары Илгиз Таһиров менән Гөлмирә Исмәғилева 3 аҡъюлайҙан 13-сө аҡъюлайға (декабргә) тиклем барасаҡ баҫмаларға арзаныраҡҡа яҙылыу ункөнлөгөндә "Аманат"ҡа яҙылырға вәғәҙә итте. Һеҙ ҙә, дуҫтар, "Аманат"ҡа хыянат итмәгеҙ! Бөгөн "Сәләм" тапшырыуында Башҡортостан телевидениеһының атаҡлы алып барыусылары, Башҡортостандың Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров менән Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлмирә Исмәғилева 3 аҡъюлайҙан 13-сө аҡъюлайға (декабргә) тиклем барасаҡ баҫмаларға арзаныраҡҡа яҙылыу ункөнлөгөндә "Аманат"ҡа яҙылырға вәғәҙә итте. Һеҙ ҙә, дуҫтар, "Аманат"ҡа хыянат итмәгеҙ! Әйткәндәй, 3 декабрҙән 13 декабргә хәтлем "Аманат"ҡа арзанға яҙылыу декадаһы (ункөнлөгө) буласаҡ. 370 һум 08 тин урынына 326 һум 76 тингә яҙылып ҡалығыҙ! Ташлама онлайн яҙылыуға ла ҡағыла! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Ни эшләптер сериалдарҙы бөтөнләй үҙһенмәйем, күбеһенсә ашыҡ-бошоҡ, аҡса эшләү өсөн генә төшөрөлгән, рухи аҙыҡ бирә алмаған был тамаша­ларҙан ваҡытымды ҡыҙғанам. Ә бына каналдарҙы күсергәндә осраҡлы рә­үештә тап булған «Икенсе туй» тип аталған һинд сериалы тәүге кадрҙан уҡ арбаны. Бер сетерекле хәл сискән­дә ҡәйнә кешенең килене хаҡлы булмаһа ла, уны яҡлап әйткән һүҙҙәре һиҫкәндерҙе һәм уңайы сыҡҡанда мин был ғаилә ҡиммәттәрен алға ҡуйған фильмды ҡараштыра башланым. Һинд халҡында әлеге көнгә ҡә­ҙәр атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә абруйы бик көслө, балалары уларҙың фатихаһынан тыш бер аҙым да баҫмай. Әммә мин ҡараған сериалдағы ҡәйнә­нең ҡулындағы дилбегәне гел үҙенә ҡайырмай, һәр кемдең дә күңелен уйлап эш итеүе, шул уҡ ваҡытта ғаилә йолаларын һәм дин талап иткән тәр­типтәрҙе лә ныҡ тотҡан ғәҙел уҫал ҡәйнә була белеүе һоҡландырғыс. Уның өс килене менән нисек итеп мөнәсәбәттәр ҡороуын күҙәтеү үҙе мауыҡтырғыс бер шөғөлгә әйләнде, һабаҡ булды, тиһәм дә була. Килендәрҙең, ҡайнылары килеп инеү менән, йәһәт кенә яулыҡтарын ябыныуҙары, уға мөһим мәсьәләләрҙе үҙҙәре еткермәй, ирҙәре аша әйттереүҙәре – әсәйемдең мин кейәүгә сыҡҡан мәлдә әле килендәр ҡайнылары һәм ҡайнағалары менән һөйлә­шеп бармай торғайны, әйтер нәмәне ирҙәре йә ҡәйнәләре арҡылы еткерә­ләр ине, тип утыҙ-ҡырҡ йыл элекке тәртиптәрҙе һөйләүен иҫкә төшөрҙө. Уйлап ҡараһаң, килен кешегә кәңәштәр һәм нәсихәттәр биргән мәҡәләләр йыш баҫылып тора, ә ҡәйнәләргә арналғандары бик һирәк. Ә бит ҡәйнә булыу – үҙе бер сәнғәт. Килендәрҙең ниндәй булыуы арыу икәнлекте аңғартҡан күпме мәҡәлдәр, әйтемдәр бар, ә ҡәйнәләр тураһында әҙ. Әлбиттә, халҡыбыҙҙа борон-борондан килен ҡәйнә йортона төшкән һәм унда хужа кеше ҡайны тип иҫәп­ләнһә лә, асылда «һауа торошон» уның ҡатыны билдәләгән. Зирәк аҡыллы ҡәйнә идара иткән йортта һәр кем үҙ урынын һәм бурыстарын аныҡ белгән, тыныслыҡ хөкөм һөр­гән. Шуға ла абруйлы ҡәйнәләргә – ағинәйҙәргә аҡыл өйрәтеп мәҡәлдәр сығарыу үҙе үк аҡылһыҙлыҡ та булып күренгәндер, бәлки. Ололарҙан элек килендәр менән ҡәйнәләрҙең нисек татыу йәшәгәндәре хаҡында күп ишетһәк тә, бөгөнгө ысынбырлыҡта кире миҫалдар ҙа етерлек. Йәштәр хәҙер ҡыйыу һәм бойондороҡһоҙ, улымды үҫтерермен дә, рәхәтләнеп килен йомшармын, тип өмөтләнгән әсәләр йыш ҡына килендәренең хыялдарындағыса күндәм булып сыҡмауынан шаңҡып ҡалалар һәм, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәш асып, хәлдәрен тағы ла ҡатмарлаштыралар, үҙҙәрен ҡорбан хәлендә кү­рә башлайҙар. Уларҙың улдарын ҡыҙ­ғанып ғаиләне тарҡатыу хәленә еткергәндәре лә йыш осрай. Был бигерәк тә малайҙарын яңғыҙ үҫтергән ҡатындарға ҡағыла. Әлбиттә, мөнәсә­бәттәр ҡорғанда ике яҡ та яуаплылыҡ тойорға тейеш, әммә бөгөнгө кәңәш­тәребеҙ шәхсән ҡәйнәләргә арнала. Һеҙҙең йәнегеҙҙәй күреп ҡәҙерләп үҫтергән улығыҙ өйгә һөйгәнен алып ҡайтасағын белдерҙе, ти. Беренсенән, ғаилә ҡороп йәшәүҙе һанға һуҡмаусылар бихисап булған был заманда улығыҙҙың ишен табып, өйләнергә теләк белдереүе үҙе бәхет, юғиһә, әҙме ни таныштарығыҙ араһында ҡырҡ-илле йәшлек «егеттәр», өләсәй булыу шатлығын татый алмай оло­ғайған ҡатындар. ≠ҙегеҙҙе, яңы статусығыҙ менән ҡотлап, берәй матур кейем һатып алып ҡыуандыры­ғыҙ, һис юғы яңы яулыҡ, был хаҡта улығыҙға ла, киленегеҙгә лә әйтергә онотмағыҙ, яңылыҡты ихлас ҡабул итеүегеҙ уларға ышаныс өҫтәр. «Өф» итеп үҫтергән улығыҙ янында батша ҡыҙы уҡ булмаһа ла, берәй байҙарҙың һуш китерлек сибәркәйен күргегеҙ килгәйнеме? Өйөгөҙгә килеп ингән ҡыҙ баланы белеме йә башҡа яғы ме­нән улығыҙға тиң түгел һымаҡ күреп, эсегеҙ бошоп торамы? Әллә, кире­һенсә, дипломдары күберәк, артыҡ нәзәкәтле был тәтәй улымды һанлар­мы, тип ҡотоғоҙ остомо? Бындай уй­ҙарҙы бөтөнләй башығыҙҙан алып ташлағыҙ, улығыҙ меңдәр араһынан тап уны бушҡа ғына һайлап алмаған бит инде, иғтибарын яуларлыҡ шәп яҡтары булмаһа, ғәзизегеҙҙең ул тип һушы китмәҫ ине ләһә... Килен буласаҡ кеше һеҙгә нисектер һынап, ҡырын ҡараған һымаҡ тойолдомо, әллә әсәһе менән сағыштырып, минеке йәшерәк йә ыҫпайыраҡ, тип уйлап ултыра микән тип шикләнеп тә ҡуйҙығыҙмы? Ә тәү тап­ҡыр һеҙҙең алдығыҙҙа күренеү уның өсөн ни тиклем тулҡынландырғыс һәм ҡурҡыныс икәнен уйламайһы­ғыҙмы? Үҙегеҙҙең ҡәйнәгеҙ менән танышҡан саҡтағы тойғоларығыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Һәйбәтерәк күренәм тип тырышыуығыҙҙың нисек йәпһеҙ килеп сығыуын, шуға асыуығыҙ килеп, юғалып ҡалыуығыҙҙы иҫләнегеҙме? Һеҙгә бында, үҙ йортоғоҙҙа һәр мөйөш таныш, ә ул бит ят мөхиткә килеп эләккән ситлектәге ҡошсоҡ хәлендә. Бергәләп сәй эсеп алғандан һуң, үҙем алам тип, сынаяҡ­тарға тотоноуы күңелегеҙҙе йылытып ебәрһә лә, таҙартҡыс шыйыҡсаны саманан артыҡ күп һалып күпертеп тороуы, сынаяҡтан алда ҡалаҡтарҙы сайҡатыуы һиҫкәндереп ебәрҙеме? Беҙҙең өйҙә улай итмәйҙәр, тип һүҙ башлауҙан тыйылып ҡала алған бул­һағыҙ, һеҙгә һәйбәт ҡәйнә булып китеүе әллә ни ҡыйынға төшмәҫ. Ә кем улай ҡалаҡтарҙы сынаяҡтан алда сай­ҡата инде, тип ысҡындырһағыҙ, йә беҙҙә сәй эскәндән һуң шәкәр һауыты өҫтәлдә тороп ҡалмай, тип иҫкәртә­һегеҙ икән, сабырһыҙлығығыҙ өй эсендәге тыныслыҡҡа хеҙмәт ит­мәйәсәге көн кеүек асыҡ. Эйе, һәр йорттоң үҙ ҡағиҙәләре, һәр ҡыҙ балаға әсәһе үҙе белгәнсә, дөрөҫ тип һана­ғанса өйрәтә һәм улар һеҙҙең ҡараштар менән тап килмәй икән, был етешһеҙлек түгел, ә бары үҙенсәлек икәнен аңларға тырышығыҙ. Тора-бара ҡыҙ бала яңыса, һеҙҙеңсә донъя көтөргә лә өйрәнер, өйрәнмәһә лә, бәлә булмаҫ, әгәр ҙә һеҙ уны һәләкәткә әйләндермәһәгеҙ инде. Хәҙер һеҙҙең таныштарығыҙ, күрше-күләнегеҙ ҙә хәлегеҙҙе белешкәндә, килен нисек, тип һорашып ҡына торор. Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, нимәгә һыу ҡойһаң, шул үҫә. Етешһеҙлектәрен сит кешеләр алдында фаш итеүҙән тыйылып, ҡыҙ баланың һәйбәт яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алып һөйләгеҙ. Ситтәрҙән, ҡәйнәң һинең хаҡта насар ћµйлєй, тигєн ҡырын һүҙ ишетһә, киленегеҙҙең күңеле үҫмәҫ, киреһенсә, һеҙҙән һаҡланып, ҡабырсаҡҡа бик­ләнеп ҡуйыуы ла бар. Ә инде һеҙҙең үҙе хаҡында маҡтап һөйләүегеґґе белеү уны тағы ла яҡшыраҡ булырға дәртләндерер. Был ябай ғына ҡағиҙә­нән тайпылмағанда, бик күп күңел­һеҙлектәрҙе урап үтеү мөмкин буласаҡ. Бик тә килешмәгән эштәре булып, тәнҡитләргә йә кәңәш бирергә теләһәгеҙ, быны улығыҙ алдында эшләмәгеҙ, киреһенсә, ирең булмағанда әйтеп ҡалайым әле, уның быны ишетмәүе яҡшыраҡ, тип өндәшһәгеҙ, һеҙҙән дә ҡәҙерле ҡәйнә булмаҫ, ә инде йәштәр араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡанда артыҡ ҡыҫылмау хәйерле, улығыҙ хаҡлы булғанда ла, асыҡтан-асыҡ киленегеҙҙең етешһеҙлектәрен барыһы алдында теҙеп сығыу яҡшы һөҙөмтә бирмәҫ. Йылы һүҙ ташты ла иретә, тиҙәр, киленегеҙҙән маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ, тыуған көнө йә башҡа байрамдар уңайынан ҡотлап бәләкәй генә булһа ла бүләктәр бирегеҙ, мәҫәлән, килен, ҡәйнә булышыуыбыҙҙың өс айлығы, ярты йыллығы менән ҡотлашып алайыҡ, тип, алдан һөйләшеп, бүләк алмашыу кеүек икегеҙгә генә ҡағылған йолалар булдырһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт. Хәҙер йәштәр бик белемле, интернет менән дә дуҫтар, яйы сыҡҡанда, кәңәш һорау ҙа киленегеҙҙең күңелен үҫтерер. Абруйлы, хөрмәтле ҡәйнә булғығыҙ килһә, үҙегеҙҙең килен кеше өсөн өлгө икәнегеҙҙе бер ҡасан да башығыҙҙан сығармағыҙ. Йәшәп-йәшәп тә, һаман киленегеҙ менән ҡәнәғәт түгелһегеҙ икән, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, килен ҡәйнә тупрағынан ярала, уңдырышһыҙ тупраҡта үҫкән гөлдәр, теләһәләр ҙә, шаулап сәскә атып ултыра алмай бит. «Ҡәйнә була белеү – үҙе сәнғәт», – тигән һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, бер ҡатындың «Бәйләнеш­тә» сайтындағы килендәр төркөмөнә ҡәйнәһе хаҡында яҙған йылы хәтирә­һен килтергем килә: «...Кейәүгә мин йәшләй генә, студент саҡта, сыҡтым. Ҡәйнәм менән бер фатирҙа йәшәй башланыҡ. Иртән уҡыуға йүгерәм, көндөҙ китапханала ултырам. Кисен арып ҡайтып инеүемә ҡәйнәм ашарға бешергән була, гел йылмайып ҡаршы ала ине. Ашағандан һуң һауыт-һаба сай­ҡатып ҡуям, был – минең йортта башҡарған берҙән-бер эшем. Бер көн ҡайттым да ҡунаҡ бүлмәһенән ишетелгән тауыштарға ҡолаҡ һалдым, минең инеүемде ишетмәгәндәр икән. – Бер һүҙ менән әйткәндә, – ти күрше ҡатын, уңманы инде улым кәләшенән. Ялҡау, төшкә тиклем йоҡлай, Саматымдан ҡайһы берҙә түшәгенә ҡәһүә килтертә, оят та юҡ, ни ҙә юҡ. Ә уныһы, байғош, ауыҙы йырылып, тегенеһенең йомошон ҡыуанып үтәй. Ни кер йыумай, ни үтекләмәй, нимәгә икән ул миңә ундай килен, ә? Әрләшергә кеше булһын өсөндөр инде, ҡуй, ҡуй... – Юҡ, юҡ, мин киленем хаҡында бер ҙә насар һүҙ әйтә алмайым, – тип ҡушыла минең ҡәйнәм. Иртән алты тулмаҫ борон уҡ тора, өйҙө йыйыштыра һалып ала, ашарға әҙерләй. Йәш кенә булһа ла, донъя көтөү рәтен минән былайыраҡ белә әле ул. Үҙе етеҙ, үҙе уңған. Холҡо һәйбәт: хәлең нисек, тип кенә тора. Ғүмер буйы ҡыҙым булһын ине, тип хыялландым һәм бына, Хоҙай мине ишетте, улыма һәйбәт кәләш, миңә үҙ баламдай күргән килен бирҙе, шөкөр инде, шөкөр! – Кемгә нисек тура килә шул, – тип көрһөнә күрше. – Минең килен ни уҫал эт һымаҡ. Күрә алмай мине, күрә алмай, өндәшмәһә лә, һиҙеп торам... – Хәйерле кис, – тип, хәбәрҙәрен бүлеп, килеп индем. Ҡәйнәмде барып ҡосаҡлап алдым да: – Көнө буйы йүгереп йөрөп арығанһыңдыр инде, – тинем. – Бына минең ҡояшым да ҡайтты, – тип ул да минең сәсемдән һыпырып ҡуйҙы. – Һеҙ бәхетле, ә минең теге йыландан биҙерәп, өйгә ҡайтҡым да килмәй. Улымды ла миңә ҡаршы ҡотортоп бөттө. Ҡалайтаһың инде, нисек тә йәшәргә кәрәк, – тип, уфтанып сығып китте күршекәй. – Йәлләйем мин бахырҙы, холҡо ауыр, кеше менән һыйышып йәшәй алмай. Үҙе килеп тороп эшһөйәр ҙә ул, изге йөрәкле, тик уны боҙһандыҡҡа бикләп ҡуйған шул. Ә килене – бынамын тигән ҡатын. Йә, ярай, бәлки, Хоҙай ярҙамы менән уртаҡ тел табып та китерҙәр әле. – Ҡәйнәм, мин һеҙҙә ярты йылдан артыҡ йәшәйем, бер ҙә кемделер ғәйепләп һөйләгәнегеҙҙе ишеткәнем юҡ, – тип ҡуйҙым мин. – Нимәгә кәрәк һуң ул? Ҡыҙығы юҡ уның... Унан, мин үҙем дә тормошта күп тапҡырҙар яңылыштым, бүтәндәрҙе тикшереп ултырырға ни хаҡым бар минең? Ер өҫтөнән фәрештәләр түгел, хаталанырға ла хаҡы булған ябай кешеләр атлап йөрөй бит. Теләк булһа, һәр кемдең дә яҡшы яҡтарын, матур һыҙаттарын төҫмөрләргә була. Улар ҡатылыҡ, битарафлыҡ артына йәшеренгән осраҡта ла. Үәт, шуларҙы таба белергә кәрәк! – Эй, изгелеклеһегеҙ ҙә инде, – тип ҡосаҡлап алдым мин иремдең әсәһен. Ә иртәгәһенә таңғы алтыла тор­ҙом да ярты сәғәт эсендә әллә күпме эш ҡыйратып өлгөрҙөм. Иремде аптыраттым, ҡәйнәмде ҡыуандырҙым. Шул ғәҙәтемде әле лә ташламайым. Бер көнө лифт янында теге күрше ҡатынды осраттым. – Ҡалай, йәш кенә булһаң да, торттарҙы тәмле бешерәһең икән, ҡәйнәңдең шуға иҫе киткән, – ти был. Мин эштең ниҙә икәнен аңға­рып ҡалдым да: – Күп нәмәне унан өйрәнәм инде, ҡәйнәмдең ниндәй оҫта икәнен белә­һегеҙ бит, – тинем. Ә ял көнө ҡәй­нәмдән һеҙ бешергән бәлештәр тәмле була, миңә лә өйрәтегеҙ әле, тип һо­раным һәм ғүмеремдә беренсе тап­ҡыр ҡамыр баҫтым. Ҡәйнәм менән һигеҙ йыл бер ҡы­йыҡ аҫтында йәшәп, бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешмәнек. Мин иҫ киткес шәп килен булғанға түгел, ҡәйнәмдең ипләп-ипләп кенә эсемдә ойоп ятҡан бөтмөр хужабикәне уята алыуы арҡа­һында. Ул миндә күргән яҡшылыҡты эш менән иҫбатламай булдыра алманым. Хәҙер уның беҙҙең аранан китеүенә лә ун йыл. Ә изгелектәре күңелемдән юйылмай». Бына шундай иҫтәлек. Һәр ҡәйнә үҙен шулай йылы һүҙҙәр менән телгә алыуҙарын теләр ине, әлбиттә, шулаймы? Әммә тормош ҡатмарлы, тиһегеҙ­ме? Төрлөсә итеп, әхирәттәрегеҙ өйрәткән һәм мәҡәләлә яҙылған кәңәш­тәрҙе тотоп ҡарап та, һаман да улығыҙға һәйбәтерәк кәләш һайлап бирә ала инем бит, тип үҙегеҙҙе «ашауығыҙҙы» дауам итһәгеҙ, йөрәк әрнеүҙәренән ҡотолдорор тағы бер сараны тәҡдим итә алам. Бөтә ҡы­йыулығығыҙҙы йыйып, киленегеҙҙе һеҙҙе дискотекаға алып барып ҡайтырға күндерегеҙ. Унда барып ҡайта алһағыҙ, шау-шыулы, ярым ҡараңғы һәм төтөнлө бүлмәлә һеҙгә килен булыуҙары мөмкин булған бик күп төрлө сәйер йән эйәләрен күреп ҡайтҡандан һуң, улығыҙ һайлаған ҡыҙҙың, ул хәтлем үк ҡара ҡайғыға батып, бөтөрөнөрлөк сәбәп эйәһе түгел икәненә инанасағығыҙға иманым камил. Зәлифә ӘХМӘҘУЛЛИНА. Артур ВАСИЛОВ һүрәте. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Башҡортостан” милли паркында кисә эко-маршрут һәм яңы инфраструктура объекттарының презентацияһы үтте.“Күп төрлө Күперле” эко-маршруты һәм “45-се квартал” эко-кемпингы һәм “Бейек тау” эко-һуҡмағы “Экология” милли проектының “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризм үҫеше” федераль проекты сиктәрендә асыла. “Башҡортостан” милли паркында кисә эко-маршрут һәм яңы инфраструктура объекттарының презентацияһы үтте. “Күп төрлө Күперле” эко-маршруты һәм “45-се квартал” эко-кемпингы һәм “Бейек тау” эко-һуҡмағы “Экология” милли проектының “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризм үҫеше” федераль проекты сиктәрендә асыла. Сара Рәсәй Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының “Маршрут төҙөлдө” акцияһына ҡушылып үтте. Унда РФ Тәбиғи ресурстар һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова һәм башҡа ҡунаҡтар булды. “Башҡортостан” – 2019 йылда тәүгеләрҙән булып инфраструктура үҫешенә федераль аҡса алған илдәге 8 парктың береһе. Бюджеттан бүленгән 12,5 млн һумға паркта һыу маршруттары, эко-һуҡмаҡтар, ял урындары, сантехника һәм гидроизоляция менән бәҙрәфтәр, 30 км ашыу туристик маршрут төҙөү ҡаралған. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Төнгө сменанан эштән ҡайтҡандан һуң гел ауылға әсәйем янына ашыға инем. Атайым үлгәс, әсәйем яңғыҙ ҡалды. Ул үҙен яңғыҙ итеп тоймаһын өсөн ял һайын ауылда булдым. Был юлы ла, әсәйем яратҡан тәмле-тәмле күстәнәстәр алып, автовокзалға юлландым. Кассанан билет алдым да туҡталыштағы эскәмйәгә барып ултырҙым. Автобустарҙың береһе килә, икенсеһе китә, кемдәрҙелер оҙаталар, ә берәүҙәрен ҡаршы алалар. Халыҡты шулай бик ҡыҙыҡһынып күҙәткән мәлдә, эскәмйәгә ауылса бик бөхтә итеп кейенгән бер әбей килеп ултырҙы. Ул минең ҡайһы яҡҡа барғанымды һорашҡас, бер автобусҡа ултырабыҙ икән, балам, тип, шатланып уҡ ҡуйҙы. Әбей нисек кенә итеп йылмайырға тырышһа ла, уның күҙҙәрендә ниндәй-ҙер бер борсоулы сер йәшерелгәйне. Бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң ғына ул асылып китте: – Мин үҙ аяҡтарым менән йөрөйөм, ә улым бик ҡаты сирләп, түшәктә ята, – тине ул ҡулдары менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә. – Етмәһә, киленем бер сынаяҡ сәй ҙә эсермәй ҡыуып сығарҙы. Мин һүҙһеҙ ҡалдым һәм бер аҙ ултырғандан һуң, ҡулымдағы һыуҙы һуҙып: “Мәгеҙ, һыуһап киткәнһегеҙҙер, һыу булһа ла эсегеҙ”, – тип кенә әйтә алдым. Юлда күп йөрөһәм дә бындай аяныслы ваҡиғаға тәүге тапҡыр тап булдым. Һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ ваҡыттарын кисергән меҫкен әбей, бөгөнгө көндә ҡалаға улына килеп, бер сынаяҡ сәй ҙә эсә алмай ҡайтып барһын әле... Һөйләһәң, кеше ышанмаҫлыҡ хәл бит. Автобусҡа ултырғас та юл буйы уйланып ҡайттым, был хәл миңә тынғы бирмәне. Барлыҡ оло кешеләр алдында үҙемде ғәйепле итеп тойҙом. Ә кем тәрбиәләгән һуң ул ҡаты бәғерле ҡыҙ баланы? Бәлки, ауыр тормош... Уныһы инде беҙгә ҡараңғы. Ауылыма ҡайтып еттем. Һәр ваҡыттағыса, әсәйем менән ултырып сәй эстек. Тик әсәйемдән бер нәмәне лә йәшереп булмай, берәй хәл булһа, шунда уҡ һиҙә. Был юлы ла: “Балам, күҙҙәрең борсоулы, бер-бер хәл булдымы әллә?” – тип һораны. Мин, әлбиттә, күңелемде өйкәп торған юлдағы ваҡиғаны һөйләнем. Әсәйем – бик аҙ һүҙле кеше. Минең һөйләгәнде тыныс ҡына тыңланы ла: “Борсолма, балаҡайым, ер йөҙөндә насар кешеләргә ҡарағанда яҡшылары күберәк”, – тине, мине тынысландырып. Хәмдиә МОРТАЗИНА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Бөгөн илебеҙ ғалимдары үҙҙәренең һөнәри байрамын ҡаршылай. Уларҙың фәнгә ҡыҙыҡһына башлауҙары, тәүге асыштары юғары уҡыу йорттарында уҡыған мәлдәренә тура килә. Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында ла белем биреү менән бер рәттән фәнни эшмәкәрлек көслө алып барыла. Йәш ғалимдарға булдырылған мөмкинлектәр тураһында филиалдың директоры Рөстәм Риф улы Дәминев менән аралашып белдек. – Асыш яһау өсөн уҡыу йортонда студенттарға мөмкинлектәр бармы, ғөмүмән, эш нисек ҡоролған? – Беҙҙең уҡыу йортонда фәнни-ғәмәли тикшеренеүҙәр буйынса ҙур эш алып барыла. Был өлкәлә уҡытыусылар, студенттар, кафедра аспиранттары тырышып эшләй, 2018 йыл эсендә генә 40-тан ашыу студентыбыҙ ҡатнашты. Беҙҙә бы-ның өсөн лабораториялар бар, ундағы ҡоролмалар ярҙамында төрлө кимәлдәге тикшеренеүҙәр ойошторорға, ҙур булмаған сәнәғәт үрнәктәре яһап ҡарарға була. Әгәр ҙә проект уңышлы килеп сыҡһа, уны предприятие нигеҙендә башҡарыу мөмкинлеге лә бар. Әлбиттә, студенттарҙың эшмәкәрлеге башланғыс ҡына, ә бына ысын заказдарҙы үтәү өсөн беҙҙең хеҙмәткәрҙәр яуаплы. – Ә һеҙгә ундай тикшеренеүҙәргә йүнәлеште, заказдарҙы кемдәр бирә? – Ғөмүмән, фәнни эште башлап ебәреү өсөн ниндәйҙер бер йүнәлеш булырға тейеш, ә бында ундай йүнәлештәр күп. Инициативалы эштәр, тикшеренеүҙәр Федераль йүнәлешле программалар, Рәсәй фундаменталь фәнни тикшеренеүҙәр фонды һәм сәнәғәт предприятиелары заказы буйынса үтәлә. Бында синтез яһау, автоматлаштырыу, моделдәр яһау, экология мәсьәләләре, ҡоролмалар уйлап табыу, элеккеләрен яҡшыртыу, яңыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. – Рөстәм Рифович, ә һеҙ бер нисәһен айырып әйтә алаһығыҙмы? – Фәнни тикшеренеүҙәр көндәлек тормошҡа яраҡлы булырға тейеш. Мәҫәлән, 2018 йылда вузда дәүләт бурысын үтәү йөҙөнән «Ҙур ҡала агломирацияһы шарттарында һыу менән тәьмин итеүҙә булған экологияға бәйле хәүефтәрҙе анализлаусы һәм билдәләүсе система»ны яһаныҡ. Быйыл иһә йәнә ҙур эшкә тотондоҡ. Бөтә Рәсәй конкурсы нигеҙендә Рәсәй фундаменталь фәнни тикшеренеүҙәр фонды грантын алдыҡ, уның буйынса нефть ҡалдыҡтарынан зыян күргән ер ҡатламдарын эшкәртеү өсөн экологик таҙа булған электрохимик ысулды уйлап табырға тейешбеҙ. Эште өс йыл эсендә башҡарып сығырға кәрәк. Әлегә тиклем бындай оҙайлы эш йөкмәткәндәре юҡ ине, тимәк, беҙҙең эштәрҙе юғары баһалайҙар һәм ышаныстары ныҡлы. – Эшҡыуарҙарҙың да йомошон үтәйбеҙ, тип әйткәйнегеҙ. – Үткән йылда ҙур сәнәғәт, урта һәм бә-ләкәй бизнес предприятиелары тәҡдиме менән 10-дан ашыу ғилми-тикшеренеүҙәр, тәжрибә-конструктор эштәр, мәҫәлән, төҙөлөш материалдарының составын тикшереү, эшкәртелгән катализаторҙар-ҙан пигменттар бүлеп сығарыу, нефть химияһы предприятиеларының ҡалдыҡтарын эшкәртеү өҫтөндә эшләнек. Әле филиалдағы ғалимдарҙың эштәре нигеҙендә индустрия өлкәһендәге партнерҙарыбыҙ менән сәнәғәт базаһын булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр алып барабыҙ. Үҙебеҙҙең фәнни тикшереүҙәр ерлегендә уйлап сығарылған продукцияны етештереү тураһында хыялланабыҙ. Йәғни һүҙ оҙаҡ йылдар сифатын юғалтмаған буяуҙар, лактар, дезинфекция яһауҙа ҡулланылған продукцияның яңыртылған төрҙәре, катализаторҙарҙың ҡулланыу сифатта-рын яҡшыртыу өсөн микро тулҡынлы сағылдырыу ярҙамында модификация-лау, шулай уҡ полимерҙарҙың да өҫкө ҡатламын үҙгәртеп, уның ҡулланыу сифатын арттырыу тураһында бара. Ҙур предприятиелар менән проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ла пландар бар. Мәҫәлән, «Башнефть» предприятиеһында нефть шламдары эшкәртеү, «Башҡорт сода компанияһы»нда сода һәм поливинилхлоридтарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-уҡытыу үҙәге булдырырға уйлайбыҙ. Беҙҙең филиалда был компания әлеге мәлдә махсуслаштырылған лаборатория урынлаштыра. «ХайдельбергЦемент Рус»та альтернатив яғыулыҡ ҡулланыу, «Красный пролетарий»ҙа тирә-яҡ мөхиткә мониторинг яһаусы блоклы мобиль станциялар, күптән түгел генә барыһы өсөн да яңылыҡ булып торған «Эко-Сити» төбәк операторында сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса майҙансыҡтар булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. – Һеҙ шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты вазифаһын да биләйһегеҙ, был йәһәттән фән өлкәһенә ниндәй бәйлелек бар? – Һуңғы арала белгестәрҙең сит тарафтарға китеү осраҡтары йышайҙы, ә бындай фәнни эштәр яңы сәнәғәт өлгөләрен булдырырға ярҙам итә. Юғары уҡыу йорто әгәр ҙә был өлгөләрҙе уйлап сығара икән, тимәк, был предприятиеларға ниндәй белгестәр кәрәклеген белә һәм әҙерләй. Тимәк, диплом алған студент ҡалабыҙҙа эшкә ҡалыуға мөмкинлектәр арта. Мәҫәлән, алдараҡ «Эко-Сити» тураһында әйтеп үткәйнем инде. Тап унда эшләргә яраҡлы хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү өсөн «Экологик хәүефһеҙлек һәм ҡалдыҡтар әйләнеше» кафедраһын булдырҙыҡ. Ғөмүмән алғанда, фән халыҡҡа ярҙам итеү өсөн йүнәлтелгән, уның ярҙамында яһалған асыштар эш урындары булдырыуҙан башлап, тормошто еңелләштергән яңы технологияларға, киләсәктә күрергә теләгән һанлы заман хыялдарына тиклем барып тоташа. Эльдар ФӘТТӘХОВ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән алыҫ юлға юлланған резервистар туҡтап ял итһен, тамаҡ ялғаһын өсөн илештәр бер көн эсендә махсус пункт булдырҙы. Унда кисә көндөҙ Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Борай һәм Мишкә районынан ир-егеттәрҙе ҡабул иттеләр. Төндә белореттарҙы ҡаршылап, оҙаттылар. Ватанды һаҡлаусылар Илештә туҡтап ял итәсәк Башҡортостан - ҙур район, юл оҙон, шулай булғас ял кәрәк тә. Был пункт - тыуған башҡорт ерендәге һуңғы туҡталыш. Бындай ҡарарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтары менән үткән кәңәшмәлә белдергәйне. Район башлығы Илдар Мостафин әйтеүенсә, пунктты ойоштороуға бөтә район ярҙам иткән. Юлсылар юл һалған, төҙөүселәр бинаны яңыртҡан, мәктәп уҡытыусылары өҫтәлдәр ҡуйған. Юл буйы кафеларын тотҡан эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары аҙыҡ-түлек килтерә. Егеттәр алдында концерт та ҡуйғандар, мулла юл доғаһы ла уҡыған. Үрге Йәркәй ауылы халҡы резервсыларға күстәнәс тә биреп ебәрә икән. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
22 февралдә “Урал” ФОК-ында Ватанды һаҡлаусылар көнө сиктәрендә ойошмалар һәм ауыл биләмәләре араһында ярыштар уҙҙы. 22 февралдә “Урал” ФОК-ында Ватанды һаҡлаусылар көнө сиктәрендә ойошмалар һәм ауыл биләмәләре араһында ярыштар уҙҙы. Йыл һайын үткәрелеп килгән был масштаблы спорт сараһы быйыл да яҡшы үтте. Сараға ауыл биләмәләре, хеҙмәт коллективтары, йәштәр, уҡыусылар йәлеп ителгән. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, ярышҡа килеүселәрҙе сәләмләп: - Спортсыларға уңыштар һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшеүҙәрен теләйем. Киләсәктә лә ошондай спорт сараларында ҡатнашып, ярыштарҙан сәм, дәрт, ҡәнәғәтлек тойғолары алыуығыҙҙы теләйем, - тине. Бәйгеселәргә район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә музыкаль күстәнәстәрен бүләк итте. Ярышҡа килгән 12 ауыл биләмәһе һәм 6 ойошма үҙ-ара таһыллыҡта көс һынашты. Спорт залында милли көрәш, гер күтәреү, армспорт, арҡан тартышыу кеүек ярыштар үтһә, икенсе ҡатта бильярд, шахмат уйындары барҙы. Боҙ майҙансығында иһә Күгәрсен һәм Баймаҡ райондары йәштәренең хоккей командалары менән ике Бөрйән командаһы осрашты. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 28 февраль һанынан уҡығыҙ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Белоруссияла дөйөм һайлауҙар мажоритар система буйынса 23 сентябрҙә үтәсәк. Парламенттың түбәнге палатаһының 110 депутаты шундай уҡ һандағы округтарҙан һайланасаҡ. Депутатлыҡҡа йәмғеһе 494 кандидат теркәлгән. Ҡайһы бер оппозиция фирҡәләре һайлауҙарҙың ғәҙеллегенә ышанмай һәм һайлауҙарға бойкот иғлан итергә саҡыра, ә ҡайһылары ҡатнашырға ҡарар итте. Һайлаусыларҙың 20 проценты ваҡытынан алда тауыш бирҙе. Витебск өлкәһе айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Быға ҡәҙәрге бөтә һайлауҙар ҙы ла ( 1995 йылдан алып) Минск властарын фальсификациялауҙарҙа һәм оппозиция фирҡәләрен репрессиялауҙа ғәйепләгән Европа таныманы. Политолог Валерий Карбалевич хәҙерге һайлауҙар ҙа шундай уҡ булыр, тип көтә: “Белоруссиялағы хәлдәрҙе фальсификация тип атау ҙа ауыр. Бында һандар алдан уҡ билдәле, халыҡ нисек кенә тауыш бирмәһен- һайлау комиссияһы алдан әйтергә ҡушылған һандарҙы атай. Тауыштар иҫәпләнмәгәс, фальсификация ла түгел был.” Президент Александр Лукашенко әлеге һайлауҙарҙың легитимлығына ирешергә теләй. Беренсе тапҡыр ул төҙәтмәләр индерелгән һайлау ҡануниәте буйынса үткәрелә. Оппозиция кандидаттарына эфирҙа, дәүләттең киң мәғлүмәт сараларында, матбуғатта һайлау алды агитацияһы үткәрергә рөхсәт ителде. /Мажоритар һайлау системаһы- был система буйынса кандидатҡа еңеү өсөн конкурентына ҡарағанда күберәк тауыш йыйыу ҙа етә./ Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Яңы йыл алдынан дүртенсе тапҡыр үткәрелгән конкурс быйыл ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар парадынан башланды. Улар Малаяҙ ауылының “Бишенсе тәгәрмәс” автосервисы эргәһенән ҡуҙғалып, Коммунистик, СССР-ҙың 60 йыллығы, Октябрь урамдары буйлап район мәҙәниәт йорто майҙанына тиклем килде. Үҙәк майҙанда ҡышҡы байрамды асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов парадта һәм конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ҡыш бабайҙар һәм ҡарһылыуҙар бәйгеһендә Әлкә, Лаҡлы, Малаяҙ, Мәсетле, Мөрсәлим ауылдарынан һигеҙ пар ҡатнашты. Улар ижади, уйын ойоштороу конкурстарында сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә Лаҡлы ауылы Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы еңеү яуланы. (Был сара тураһында тулыраҡ репортажды“Йүрүҙән” гәзитендә уҡығыҙ). Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Йортта йәки фатирҙа ремонт эше хужанан күп көс, ваҡыт һәм байтаҡ аҡса талап итә. Һуңғы осорҙа төҙөлөш материалдарына хаҡтар күтәрелеүе лә эште ҡатмарлаштырҙы. Проблемалар күп булыуға ҡара­маҫтан, иң тәүҙә өйҙә ҡулланы­ласаҡ материалдарҙың сифатына иғтибар итергә кәрәк, сөнки ғаилә ағзаларының сәләмәтлеге уларға ла бәйле. Материалды дөрөҫ һайламаһағыҙ, уның оҙаҡ йылдар дауамында сәләмәтлегегеҙҙе аҡ­рын ғына ҡаҡшатып, организмы­ғыҙ­ҙы ағыулап, төрлө сиргә юлыҡ­тырыуы мөмкин. Мәҫәлән, иҙәнегеҙгә нимә түшәр­гә йыйы­наһығыҙ? Күптәр материалдар араһында зыян килтермәй торғандары булыуы тураһында ла, хәүефле япмалар барлығы хаҡын­да ла уйлап тормай. Кеҫәһендәге аҡсаһынан, ваҡыттың тығыҙлығы­нан сығып, мәсьәләне тиҙ хәл итә. Линолеум шуларҙың араһынан иң “абруйлыһы” – арзан да, иҙәнгә түшәүе лә анһат. Уның ниндәй генә төҫтәгеләре юҡ! Торлаҡта иҙәнгә түшәү өсөн тәбиғи һәм көнкүреш төрҙәре файҙаланыла. Тәүгеһе ағас онтағынан, етен майынан һәм үҫемлек ыҫмалаларынан тора, кеше сәләмәтлеге өсөн бер ниндәй хәүефе лә юҡ, өҫтәүенә дымлы урындарҙа үңәҙ бәшмәксәләренә үрсергә ирек бирмәй, тик хаҡының ҡиммәт булыуы һатып алыусы­ларҙы уйландыра. Көнкүреш линолеумы технологияһы буйынса тәбиғи линолеумды етештереү технологияһына оҡшаш, айырма бары уның яһалма компоненттар нигеҙендә эшләнеүендә. Хәүефле яғы – япманың составына ингән химикаттарҙың тейешле кимәлдә таҙартыл­ма­уында. Линолеумдың өҫкө һаҡлағыс ҡатла­мының үҙен­сә­лектәре ваҡыт үтеү менән түбә­нәйә. Айырыуса ҡояш төшкән йәки “йылытылған иҙән”ле бүлмәгә уны йәйеү хәүефле. Юғары температура токсик матдә­ләрҙең – ыҫмала парҙарының, винилхлорид­тың, хлор водоро­дының айырылып сығыуын тиҙләтә. Линолеум­дың ха­­ҡы ни тиклем түбәнерәк, шул тик­­лем хәүефлерәк икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Уны нисек һайларға? Тәүге талап: япманың һаҡлағыс ҡатламы ҡалынлығы 0,8 милли­метрҙан да кәм булмаһын. Икенсе кәңәш: уны балалар йоҡлаған йәки “йылы иҙән” йәйелгән бүлмәгә түшәмәгеҙ. Хәҙер күптәр иҙәнгә ламинат йәйеүҙе хуп күрә. Уның нигеҙен акрил йәки поливинилхлорид менән ҡапланған ағас-юнысҡы плитә (ДСП) тәшкил итә. Ламинатта ҡул­ланылған поливинилхлорид яҡшы таҙартылғанға күрә, бары янғанда ғына ағыулы матдәләр бүлеп сығара. Юғары температурала йәки пластик һаҡлағыс ҡатламы зарар­ланғанда формальдегидтың парға әйләнеүе, тын юлдарын зарарлауы ихтимал. Һуңғы йылдарҙа ламинаттың яңы хәүефһеҙ төрө барлыҡҡа килде. Уның елем нигеҙе сифатында ыҫмала түгел, ә ағас лигнины фай­ҙаланыла. Бындай ламинатты батареялар эргәһендә лә, “йылы иҙән” түшәлгән бүлмәләрҙә лә йәйергә мөмкин. Динә АРЫҪЛАНОВА Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Муниципаль райондарҙа санитария-эпидемиология торошон яҡшыртыу маҡсатында республика башлығы Радий Хәбиров таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһында указ ҡабул итте. Беҙҙең районда ошондай беренсе көн үтте лә инде. Кушнаренко ауылында предприятие, ойошма һәм учреждениеларҙан ихаталарын һәм урамды таҙартыу, сүп йыйыу, ҡар таратыуға өс йөҙгә яҡын кеше сыҡты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ был көндө экскаватор, һыу һибеү машиналары, арбалы трактор һәм сүп контейнерҙары ташыу өсөн автомобиль – йыйыныһы һигеҙ берәмек техника бүлде. Өмәлә мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, район хакимиәте, район больницаһы, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, мәшғүллек үҙәге, күп профилле һөнәри һәм ауыл хужалығы колледждары, мәктәптәр коллективтары актив ҡатнашты. Сараға шулай ук волонтерҙар, почта һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Район буйынса өмәлә утыҙ ике ойошма ҡатнашты, егерме бер берәмек техника йәлеп ителде. Беҙҙең хәбәрсе. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Аш-һыу тирәһендә файҙаланылған химия продукттары, ҡамыр ризыҡтары бешереү өсөн төрлө тәмләткестәр ифрат күп хәҙер. Әммә беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр ҡулланырға ғәҙәтләнгән содаға әле лә ихтыяж ҙур. Ни өсөн тигәндә, ул зарарһыҙ, өҫтәүенә арзан. Өй шарттарында соданы файҙаланыу буйынса ҡайһы бер кәңәштәребеҙ менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ. * Ҡайнатма әҙерләгәндә шәкәрҙе һаҡсыл файҙаланыу һәм еләк­тәрҙең әселеген кәметеү өсөн ҡайнатманың һәр килограмына берәр семтем генә сода өҫтәгеҙ. * Шулай уҡ ошо бер семтем генә сода кәбеҫтә бешергәндә ви­та­мин­дарҙы һаҡлауға булышлыҡ итер. * Сәй йәки ҡәһүә ҡайнатҡанда бер литр һыуға бер балғалаҡ сода өҫтәһәгеҙ, эсемлек хуш еҫле булыр. * Йәшелсә, емеш-еләк йыуған­да бер литр һыуға бер аш ҡалағы иҫәбенән сода һалығыҙ, аҙаҡ һалҡын һыу менән сайҡатығыҙ. * Һөйәгенән таҙартылған балыҡ итен тәмле бешһен өсөн һыуыт­ҡыста, сода һалынған һыуҙа тото­ғоҙ (бер литр һыуға ике аш ҡалағы сода). Аҙаҡ аҡҡан һыу аҫтында сайҡатығыҙ. * Ҡаты итте лә сода ярҙамында йомшартырға була. Уны сода ме­нән ыуғылап, һыуытҡысҡа дүрт-биш сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Әҙер­ләр алдынан һалҡын һыу менән йыуығыҙ. * Ҡуҙаҡлыларҙы йомшартыу өсөн дә уны файҙаланалар. Өҫтә­үенә организм аҙыҡты тиҙ үҙләш­терәсәк. * Омлетты ҡабартып бешерер­гә теләһәгеҙ, аҙ ғына сода өҫтәгеҙ (өс йомортҡаға ярты балғалаҡ сода иҫәбенән). * Ҡулдағы балыҡ йәки һа­рымһаҡ еҫен бөтөрөү өсөн дә кәрәге тейер. * Һыуытҡыста йәки сүп-сар биҙ­рә­һендә насар еҫ һиҙһәгеҙ, һыуға сода һалып йыуығыҙ. Раковинаны ла ул яҡшы таҙартасаҡ. * Хатта келәмдәрҙәге насар еҫ­тәр­ҙе бөтөрөү өсөн дә уңайлы. Ба­лаҫ өҫтөнә һипкеләйһең дә, ун биш минуттан һуң саң һурҙырғыс менән таҙартаһың. * Кер йыуғанда һыуға ярты ста­кан сода өҫтәһәгеҙ, кейем-һа­лы­мығыҙ таҙарып, яңырып китер. * Кухня һәм ваннаны таҙартыу өсөн дә ул бына тигән яҡшы сара. Бысраҡты тиҙ ала, еңел йыуыла. Ҡомаҡ ултырған кәстрүл, сәйнүк­тәрҙе ялт иттергәнсә таҙартҡығыҙ килһә, сода ҡулланығыҙ. * Һауыт-һаба йыуған йыуғыс­тарығыҙҙы төнгөлөккә содалы һыуға һалығыҙ. * Кухняға ҡырмыҫҡалар эйә­ләш­һә, уларҙы биҙҙереү өсөн юлдарына сода онтағын һибеп сы­ғығыҙ. * Обойҙағы тапты ла уның ярҙамында бөтөрөп була. * Бөжәктәр тешләгән тән тиреһен сода өҫтәлгән һыу менән эшкәртегеҙ. https://bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә "Киләсәк уҡытыусыһы" конкурсының ярымфиналы башлана. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә "Киләсәк уҡытыусыһы" конкурсының ярымфиналы башлана. “Рәсәй – мөмкинлектәр” иле президент платформаһы нигеҙендә бойомға ашырылған конкурста Волга буйын төбәктәренән уҡытыусылар ҡатнаша. Башҡортостандан тыш, бәйгелә Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән, Татарстан, Сыуаш, Мордовия, Марий Эл, Удмурт республикаларынан туғыҙ команда йыйылған. "Киләсәк уҡытыусыһы" конкурсының беренсе этабы дистанцион тәртиптә үткән, бәйгелә 6724 уҡытыусы ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһынан яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 54 команда һайланған. Ярымфиналда Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһының үҫеш һәм мәғариф институты ректоры Азат Йәнгиров, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" автономлы ойошманың генераль директоры урынбаҫары Владислав Даванков кеүек мәртәбәле ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Ярыш өс көн дауам итәсәк, уҡытыусылар педагогик дебаттарҙа, методик конструкторҙа һәм кейс-уйында үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ. Быларҙан тыш ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгән. "Башҡортостан" Фото: znanio.ru Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Башҡортостанда 33 мәктәп карантинға ябылған, тип хәбәр итте «Башҡортостан 24» телеканалы эфирында республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин. Уның һүҙҙәренсә, грипп һәм ОРВИ менән сирләүселәрҙең күп булыуына бәйле республиканың айырым белем биреү учреждениеларында 60-тан ашыу класта дәрестәр туҡтатылған. Класта йәки мәктәптә ауырыусылар һаны 20% етһә, карантин индерелә. Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү буйынса эпидемик сик 46% артҡан. Уҙған аҙнала (4 февралдән 10-ына тиклем) 33 меңдән ашыу кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылған, уларың 21 меңдән күберәге — балалар. http://www.bashinform.ru/news/1273106-v-bashkirii-33-shkoly-zakrylis-na-karantin/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Салауат башҡорт дәүләт драма театрында «Һылыуҡай» ҡала конкурсы үтте Эйе, халҡыбыҙҙың гүзәл ҡыҙ-ҙары әҙәплелеге, уңғанлығы һәм һылыу булыуҙары менән күркәм! Шуға күрә лә ҡалала йыл һайын уҙғарылған матурлыҡ байрамы ғәжәйеп сихрилек менән үҙенә арбай. Быйыл яҙҙың һуңлап килеүенә ҡарамаҫтан, илаһилыҡ-ҡа табындырған «Һылыуҡай» кон-курсы күңелдәрҙе елкендереп, яҙ ҡояшындай тәьҫир итте барыһына ла. Салауат башҡорт дәүләт драма театрында «Һылыуҡай» ҡала конкурсы үтте Эйе, халҡыбыҙҙың гүзәл ҡыҙ-ҙары әҙәплелеге, уңғанлығы һәм һылыу булыуҙары менән күркәм! Шуға күрә лә ҡалала йыл һайын уҙғарылған матурлыҡ байрамы ғәжәйеп сихрилек менән үҙенә арбай. Быйыл яҙҙың һуңлап килеүенә ҡарамаҫтан, илаһилыҡ-ҡа табындырған «Һылыуҡай» кон-курсы күңелдәрҙе елкендереп, яҙ ҡояшындай тәьҫир итте барыһына ла. Алдан уҡ шуны билдәләү урынлы булыр: «Һылыуҡай» конкурсы йылдың-йылы үҙенсәлекле үтә. Был инде тамашаны ойоштороусыларҙың һәм әҙерләүселәрҙың фантазия байлығы менән ҡыуандырыуы. Иң яҡшы остаздар күҙәтеүе аҫтында көн һайын уҙғарылған вокал, хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса әҙерлектең һөҙөмтәһе матур байрамда сағылды, финалға үткән ун бер сибәрҙең барыһына ла йондоҙ булып балҡырға мөмкинлек бирҙе. Ә тамашаның шундай эҙмә-эҙлекле, конкурстың дәртле йыр, бейеү номерҙары менән аралашып барыуы, бер ниндәй “абыныуһыҙ” үтеүе күңелгә май булып ятты. Финалдың тәүге турын ҡыҙҙар, ғәҙәттәгесә, үҙҙәре менән таныштырыуҙан башла-ны. Конкурсҡа ҡалабыҙҙың төрлө белем биреү учреждение-ларында белем алып йөрөгән ҡыҙҙары һынау тоторға килгән. Араларында сит-ят фамилиялы, исемле ҡыҙҙар булыуы һәм уларҙың башҡорт телен белмәй, һүҙҙәрҙе бутап һөйләрҙәрме икән, тигән борсолоуыбыҙ юҡҡа булды. Асылда барыһы ла лайыҡлы сығыш яһаны, үҙҙәре менән бер-береһен ҡабатламай ғына, үҙенсәлекле итеп таныштырҙы. Улар тыуған еренә, туған теленә, ата-әсәһенә, туғандарына булған һөйөүен белдерергә тырышты. Күбеһе йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ булыуын, сәләмәт тормош рәүешенә, спорт менән шөғөлләнеүгә өҫтөнлөк биреүен һөйләне. Ҡыҫҡаһы, барлай китһәң, маһирлыҡтарын, уй-хыялдарын һөйләп бөтөрмөн тимә. Иң мөһиме уларҙың киләсәккә ҡуйған маҡсаттары изге - юғары белем алып, Тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙән тыш, һәр ваҡыт, мәрхәмәтле, инсафлы булып ҡалыу, матур кешелек сифаттарын юғалтмау. Ҡыҙ булһын да аш-һыу серҙәрен белмәй буламы һуң, барыһы ла халҡыбыҙҙың милли аштарын әҙерләп килтергәйне, уларҙы жюри ағзаларының баһаламаһына сығарҙы улар. Быйылғы конкурс Ғаилә йылына арналып үткәрел-гәнлектән, һылыуҡайҙар сәхнә түренә үҙҙәренең ғаиләләре менән сыҡты. Ҡыҙҙар ата-әсәләренең, ағай-апайҙарының, һеңле-туғандарының был тормошта ныҡлы терәк булып тороуын инандырҙы. Билдәле, сәхнәлә генә бөтә һәләттәрҙе күрһәтеп өлгөрөү мөмкин дә түгел. Шулай ҙа ойоштороусылар ҡыҙҙарҙы һынап ҡарау өсөн төрлө бәйге этаптарын әҙерләгән. Һылыуҡайҙар матур итеп йырлай белеүҙәрен, оҫта итеп бейеү башҡара алыуҙарын иҫбатланы. Ә һомғол буйҙарын, үҙҙәрен сәхнәлә модель кеүек тота белеүҙәрен төрлө кейемдәрҙәге дефиле менән күрһәтте. Ҡыҙҙарға сығыштары ваҡытында көс һәм илһам бирергә дуҫтары һәм туғандары күпләп килгәйне. Улар үҙҙәре «көйгән» финалсыны дәррәү алҡышлап ултырҙы, ҡулдарынан плакаттары төшмәне. Финалда ҡатнашыусы һылыу­ҙар, улар өсөн янып-көйгән тамашасылар жюри ағзаларының еңеүселәрҙе бил-дәләүен тулҡынланып көттө. Салауат башҡорттары ҡоролтайы, «Салауат» гәзите редакцияһы «Башҡорт теле - минең киләсәгем» номинацияһы менән Алина Ғәзизованы бүләкләне. Әйткәндәй, «Салауатбыяла» йәмғиәте лә үҙенең махсус бүләген тап ошо һылыуҡайға тап-шырҙы. «Выбор» гәзите йылдағыса сибәркәйҙәр өсөн «Бәйләнештә» селтә-рендә тауыш биреү алып барҙы. Улар «Интернет һылыуҡа-йы» тип Гүзәлиә Шә-рәфетдинованы атаны. «Аквамарин» мага-зинынан Есения Хиса-моваға, модель агентлығынан Залина Дәүләтбаева һәм Алина Ғәзизоваға сертификаттар тапшырылһа, «Алмаз» бас-сейны, «Көнсығыш» фитнес-һауыҡтырыу клубы һәр бер сибәркәйгә сертификаттар бирҙе. Конкурстың башҡа бағымсылары ла һылыуҡай-ҙарҙы үҙҙәренең махсус приздары менән шатландырҙы. Жюри ағзалары номинант-тарҙы һәм призлы урындар яулаусыларҙы иғлан итте һәм бүләктәр тапшырҙы (уларҙың исемлеге таблицала бирелгән). Баһалама ағзалары рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафи-на «Һылыуҡай» конкурсының еңеүсеһе тажын Элиза Ваһаповаға кейҙереү менән уның шатлығын бүлешергә шунда уҡ сәхнә түренә яҡындары, дуҫтары атылды. - Еңеү яулауыма мин бик шатмын. Ҡыҙҙарҙың һәләт-тәрен асыу өсөн ошондай кон-курс үткәреүҙәренә ойош-тороусыларға, бәйгегә әҙер-ләнергә ярҙам иткән яҡын-дарыма, миңә матур тәрбиә биргәндәре өсөн ата-әсәйемә, олатай-өләсәйҙәремә ҙур рәх-мәтлемен, - тине ҡала бәйге-һенең Гран-приһын яулаусы һылыуҡай.
Флаг – Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаларының береһе. Ул өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь буйҙарҙан торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Буйҙарҙың өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә. Флагтың киңлегенең буйына нисбәте 2:3. 1994 йылдың 20 авгусында Рәсәй Президенты Борис Ельцин “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында” раҫлаған указы буйынса флаг көнө 22 августа үткәрелә. Рәсәй өсколоры тарихы 300 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Триколорға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Уға ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән һәм горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән. Әле башлыса (рәсми түгел) Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра. Илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендәге кеүек Ишембай районында ла Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтә. Мәҫәлән, Көҙән ауыл китапханаһында “Һин – беҙҙең ғорурлыҡ һәм дан” видео-презентацияһы, Скворчиха ауылы клубы биләмәһендә “Беҙҙең дан флагы” конкурс-уйын программаһы, ҡалала флэш-моб, һүрәттәр, патриотик йырҙар конкурстары үтә. Шулай уҡ Түбәнге Әрмет, Петровск ауылы китапханаларында ла был көн уңайынан саралар уҙа. Фото: интернет. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Серле театр донъяһы. Тамашасылар мөғжизә көтә. Сәхнә артында актерҙар тулҡынлана. Бына ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра моңдары яңғырай. Тәүге сығыш һәм көслө алҡыштар. Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең “Илһөйәр” фольклор коллективы (етәкселәре - З. Б. Кирәева, М. З. Муллағолова) I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Әлшәйгә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йәнә йәш артистар йыйылды. Серле театр донъяһы. Тамашасылар мөғжизә көтә. Сәхнә артында актерҙар тулҡынлана. Бына ҡурай, ҡумыҙ һәм думбыра моңдары яңғырай. Тәүге сығыш һәм көслө алҡыштар. Эйе, дуҫтар, был – балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнашҡан “Башҡортостан ынйылары” конкурсы. Быйыл Башҡортостандың 100 йыллығына арналған был ҙур мәҙәни ваҡиғала иң көслө һәм үҙенсәлекле 16 коллектив сығыш яһаны. Залда ултырыусылар Баймаҡ һәм Белорет, Бөрйән һәм Ҡыйғы, Баҡалы һәм Балтас, Бәләбәй, Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ, Кушнаренко, Өфө, Илеш, Федоровка, Ғафури райондарынан һәм, әлбиттә, Әлшәйҙән килгән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың матур сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Сәхнәгә милли музыка ҡоралдарында оҫта уйнаусы, йырлаусы һәм бейеүсе һәләтле йәш артистар ғына түгел, ә, иң мөһиме, үҙ тыуған төбәгенең тарихына, мәҙәниәтенә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмаған, ижади фекер йөрөтөүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар күтәрелде. Быға тиклем ентекле тикшеренеү эштәре үткәрелгән музыкаль тамашаларҙан ауылдарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, боронғо тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, фольклор, этник мәҙәниәт һәм киләһе быуындарға бай мираҫ ҡалдырған кешеләр тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға мөмкин ине. Көнө буйына Әлшәй сәхнәһендә ынйы бөртөктәре балҡыны. Актерҙар, декорациялар, күренештәр алмашынды. Бөтә балалар ҙа лайыҡлы сығыш яһаны, шуға ла билдәле уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре, шағирә һәм яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, виртуоз ҡумыҙсы Минлеғәфүр Зәйнетдинов, тарихсы Азамат Аҡъюлов һәм, әлбиттә, “Ынйыларҙы” ойоштороусы, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Надежда Самойлованан торған жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы. Залда тынлыҡ – был юлы уңыш кемгә йылмайыр икән? Төп приз кемгә бирелер? Сәхнәгә бер-бер артлы йондоҙсоҡтар – конкурс номинанттары – ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет ролдәрен иң яҡшы башҡарыусылар, иң яҡшы музыканттар күтәрелде, ҡыҫҡаһы, ойоштороусылар һәм жюри, һәр ваҡыттағыса, һәләтле балаларға приздарҙы мул таратты. Әлшәй театр оҫталары-тикшеренеүселәре исеменән сығыш яһаған Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең “Илһөйәр” фольклор коллективы (етәкселәре З. Б. Кирәева, М. З. Муллағолова) I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды, ә Раевка гимназияһының “Рампа” коллективы (А. Ф. Камалетдинова, Л. М. Насирова) I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Бынан тыш, был ике коллектив тиң яҡшы тикшеренеү эше номинацияһында ла билдәләп үтелде һәм уларға район хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың призы тапшырылды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Башҡортостанда 2020 йылда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыуға номинанттарҙың исемлеге билдәле булды. 1. Булат Тимербай улы Йосопов (режиссер), Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова (сценарий авторы) – "Беренсе Республика" тулы метражлы нәфис фильмы (2019 йыл) өсөн. "Арҡаҙаш" фән һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк фонды тарафынан тәҡдим ителделәр. 2. Айрат Әхтәм улы Абушахманов (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры), Альберт Валерьевич Нестеров (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры рәссамы) – Гүзәл Яхина романы буйынса "Зөләйха күҙҙәрен аса" (2017 йыл) һәм Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған "Ҡара йөҙҙәр" (2014 йыл) спектаклдәре өсөн. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тарафынан тәҡдим ителделәр. 3. Хәтип Сәрүәр улы Фазылов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы – "Тыуған ил образы – ғөрөф-ғәҙәттәр һәм рухлылыҡ" нәфис әҫәрҙәр циклы (2018-2019 йылдар) өсөн. "Рәсәй рәссамдары союзы" Бөтә Рәсәй ижад йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде. 4. Урал Мирас улы Иҙелбаев, композитор – "Тыуған ер тураһында хикәйәт" музыкаль циклы; "Урал легендалары" этно-проекты; "Урал легендалары" ("Торатау тураһында хикәйәт") мюзиклы; "Сал Урал моңо" концерт программаһы өсөн. "Башҡортостан" дәүләт концерт залы тарафынан тәҡдим ителде. 5. Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева (Тамара Ғәниева), Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре – "Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том: шиғырҙар" (2018 йыл), "Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том: поэмалар, шиғырҙар" (2019 йыл) йыйынтыҡтары өсөн. Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан тәҡдим ителде. 6. Хәйҙәр Ниғмәт улы Тапаҡов, яҙыусы, Сибай мәғлүмәт үҙәгенең "Атайсал" төбәк гәзите баш мөхәррире – "Саҡыр мине зәңгәр киңлектәргә" повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы (2019 йыл) өсөн. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) тарафынан тәҡдим ителде. 7. Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева (Лира Әхмәт-Яҡшыбаева) – "Мөжәүир хәҙрәт" (2015 йыл), "Зәйнулла ишан. Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә" (2019 йыл) китаптары өсөн. Башҡортостандың Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан тәҡдим ителде. 8. Фәнил Шәйхислам улы Әсәҙуллин (балетмейстер-ҡуйыусы), Минзилә Марат ҡыҙы Ҡотошова (режиссер-ҡуйыусы), Рәмил Париж улы Туйсин (композитор), Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Хәбилова (сценарий авторы) – "Эйәрле ат беҙ менгәндәр..." ("Уралдан Берлинға тиклем") театрлаштырылған концерт программаһы (2020 йыл) өсөн. Сибай дәүләт концерт-театр берләшмәһе тарафынан тәҡдим ителделәр. 9. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина, шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире – "Көҙгө алмалар: хикәйәләр, пьеса, поэма, шиғырҙар" йыйынтығы (2019 йыл) өсөн. Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте тарафынан тәҡдим ителде. 10. Рәшит Рәхим улы Йыһанов, композитор, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры – "Ҡәбиләләр бәрелеше" симфоник оркестр һәм фортепиано өсөн өсөнсө Op.8 in Des Allegretto rubato концерты өсөн. Өфө дәүләт нефть техник университеты тарафынан тәҡдим ителде. Комиссия ойошмалар, уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәрен әҫәрҙәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Фекерҙәрҙе 21 сентябргә тиклем конкурс комиссияһына ошо адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450077, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, 16-сы кабинет. Бәйләнеш өсөн телефондар: 280-87-97, 280-87-77.
Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары әҙерләгән өсөн уҡытыусыларға премия тапшырыла. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары әҙерләгән өсөн уҡытыусыларға премия тапшырыла. Тейешле указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, премия 2020 йылдан уҡ тапшырыла башлай. Уның күләме – 50 мең һум. Указ менән ошондай премиялар тәғәйенләү һәм түләү тәртибе лә раҫланды. Уларҙың һанын йыл һайын Берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса республика Мәғариф министрлығы билдәләй. Премия уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм белем биреү эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн булдырылды. 2019 йылдың авгусында уҙған уҡытыусылар кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға премия тапшырыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Былтыр республикала 109 сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы. http://www.bashinform.ru/news/1445913-v-bashkirii-uchitelya-otlichnikov-ege-poluchat-premii-v-razmere-50-tysyach-rubley/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юлдаш" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи , информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ 02-01372.
1990 йылдың башында БАССР һәм РСФСР Халыҡ депутаттарын һайлау кампанияһы бер ыңғай үтте. Рәсәй депутаттарын һайлаған округтарҙа бер түгел, дүрт яҙыусыбыҙ ҡатнашты. Ғафури – Ишембай округында Ноғоман Мусин, ә Көньяҡ (Ишембай – Салауат – Мәләүез һ.б.) һайлау округында 7-8 кандидат араһында Ғәзим Шафиҡов менән Гөлфиә Иҙелбаева, Стәрлетамаҡ – Туймазы һ.б. округында Вил Ғүмәров бар. Әйткәндәй, кандидаттар күрһәтелде, әммә һайлау алды кампанияһы башланып өлгөрмәне, Рәшит ағай Солтангәрәевтың ҡәләмдәш депутаттарының Юғары советтағы мажаралары хаҡында көләмәсе әҙер һәм уны барлыҡ Өфө һөйләй ине. Был хаҡта – һуңыраҡ. Өс өлкән ҡәләмдәшемдең дә миңә мөнәсәбәте бар, сөнки мин Ишембайҙа йәшәйем һәм “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләйем. Ноғоман ағай бик әүҙем агитация алып барҙы. Беренсе турҙа икенсе урынды алған Барсуковтан, ике тапҡыр тип әйтерлек, күберәк тауыш йыйҙы һәм икенсе турға сыҡты. Салауаттан ҡайтып киләм, ҡараһам, автовокзалда Ғәзим ағай осраны. Ишембайға һайлаусылар менән осрашыуға бара икән. Һуңлап бара, киске алтыла урындағы мәҙәниәт һарайында булырға икән. Тиҙ генә автобусҡа ултырып, Ишембайға елдерҙек, алты тулыр-тулмаҫ мәҙәниәт һарайына барып индек. Ишек алдында ҡыҙыу бәхәс бара. Мәҙәниәт һарайы директоры Ғәзим ағайҙың осрашыуын үткәреүгә рөхсәт бирмәй. Тегендә шылтыратабыҙ, эш сәғәте бөткән, берәү ҙә юҡ. Булыр ине, Ҡала советы рәйесе үҙе лә кандидат, шуның ярандары тырыша. Әйткәндәй, рәйес икенсе турға үтә алманы. Ғәзим ағай аптырап торманы, беҙ бындай мөнәсәбәткә өйрәнгән инде, тигән ҡиәфәт менән һайлау алды агитацияһын аяҡ өҫтө генә башлап ебәрҙе. Халыҡ йыйылып китте, беҙ ишек алдынан фойеға бәреп индек һәм һөйләшеүҙе дауам иттек. Бик ҡыҙыҡлы, фәһемле, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Ғәзим ағай барлыҡ һорауҙарға бик ҡыйыу һәм ентекле яуап бирҙе. Аҙаҡ һөйләшеү урамда дауам итте. Йәйәүле кандидатҡа ҡунаҡханала ҡайҙан урын булһын, Ғәзим ағайҙы фатирыма алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп, икенсе көнөнә Мәләүезгә оҙатып ебәрҙем. Был һайлауҙарҙа Гөлфиә апай Иҙелбаева еңеп сыҡты, Ғәзим ағай икенсе урын менән бик ҡәнәғәт ине. Ноғоман ағайҙың еңеп барыуын Ғафури һәм Ишембай партия аппараттары, аҫтыртын рәүештә әүеш-тәүеш итеп, юҡҡа сығарҙы. Вил Ғүмәров. Ул һайлау кампанияһын үҙенә генә хас афоризм менән баһаланы: “Мин бер ай буйына ҡунаҡханарҙа бушлай ҡунып, башҡа кандидаттар менән бергә туйғансы бушлай ашап йөрөнөм”. Ғәзим ағайҙың бер һүҙе иҫтә ҡалған, йылдар буйы уйлағандарымды ай буйына һөйләп йөрөнөм, бер тыйыусы булманы. Халыҡ хаҡиҡәткә һыуһаған икән, тине.
Быйылғы йәйҙә, 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем, Башҡортостан йәнә гөрләйәсәк. VI Бөтә донъя фольклориадаһында сығыш яһау өсөн беҙгә 85 илдән өс мең артист киләсәк. Быйылғы йәйҙә, 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем, Башҡортостан йәнә гөрләйәсәк. VI Бөтә донъя фольклориадаһында сығыш яһау өсөн беҙгә 85 илдән өс мең артист киләсәк. Сараны үткәреү тарихында быйылғыһы ҡатнашыусылар һаны буйынса иң күләмлеһе буласаҡ. Фольклориада ниндәй сара ул, кемдәр киләсәк, унда нисек ҡатнашырға? Ошолар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт. Ниндәй сара? Фестиваль — фольклор ижадының үҙенсәлекле Олимпиадаһы тиергә мөмкин. Уны дүрт йылға бер тапҡыр Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы үткәрә. Фестивалде тамаша ҡылыусылар ике аҙна дауамында унда ҡатнашыусы халыҡтарҙың бейеүҙәрен, милли уйындарын, кәсептәрен ҡарау, йырҙарын, милли музыка ҡоралдары моңдарын тыңлау мөмкинлегенә эйә. Тәүге фольклориада 1996 йылда Ни-дерландыла үтте һәм 51 илде берләштерҙе. Артабан сара Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексикала ойошторолдо. 2008 йылда фольклориаданы Ҡытай ҡабул итергә тейеш ине, әммә киҙеү эпидемияһы арҡаһында ул үткәрелмәне. Рәсәй бер ваҡытта ла номинанттар исемлегендә булманы, шуға күрә әле килеп сараның тап беҙҙең республикала уҙыуы айырыуса әһәмиәтле. — Бөтә планетала фольклор иҫ киткес популярға әйләнә бара. Традицион мәҙәниәт глобализация ҡаҙанында юғала барыуға дусар заманда, кеше үҙенең тамырҙарына тартыла. Был үҙ асылыңды һаҡлау ихтыяжы. Донъяның төрлө мөйөштәренән беҙҙең кеүек үк фекер йөрөткән кешеләрҙең бергә йыйылыу урыны итеп тап беҙҙең Башҡортостан һайланыуына мин бик шатмын, — тип яҙҙы үҙенең блогында Радий Хәбиров. Ҡайҙа ҡарарға? Бөтә республиканы шартлы рәүештә туғыҙ округҡа бүлделәр, уларҙан тыш Өфө үҙе айырым биләмә һанала. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы «команда»ларға бүләсәктәр, һәм улар үҙҙәренә тәғәйен округҡа барып, бөтә район үҙәктәрендә сығыш яһаясаҡ. Концерттарҙың яҡынса йөкмәткеһе һәм графиктары әле үк билдәле. Һеҙҙең районға ниндәй илдәрҙән ҡунаҡтар килеүе, уларҙың ҡасан сығыш яһауы хаҡында мәғлүмәтте folkloriada2020.com рәсми сайтының «Округтар» бүлегендә табырға мөмкин. Концерттарҙан тыш, фестиваль сиктәрендә күргәҙмә-йәрминкәләр, традицион уйындар, парадтар ойоштороласаҡ. Һәр ил үҙенең һынлы һәм биҙәү сәнғәте оҫталарын алып киләсәк, милли костюмдарын, музыка ҡоралдарын күрһәтәсәк. Концерттарҙы нисек тамаша ҡылырға? Билеттар һатып алырға кәрәкмәй. Сараға барлыҡ теләүселәр килә ала. Сығыштар асыҡ майҙансыҡтарҙа, әгәр һауа торошо насар булһа, мәҙәниәт һарайҙарында үтәсәк. Төп сәхнә Өфөләге «Торатау» Конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа урынлашасаҡ. Бында сараны асыу тантанаһы һәм гала-концерт уҙасаҡ. Һәр илдең ижади коллективы төп сәхнәлә биш минутлыҡ программа менән сығыш яһаясаҡ, район үҙәктәре сәхнәһендә ярты сәғәтлек концерт тәҡдим итәсәк, ә инде урамда үтәсәк парадтар мәлендә 15-30 секундлыҡ бейеү элементы күрһәтәсәк. Төп шарт — барыһы ла йәнле музыка оҙатыуында башҡарылырға тейеш, фонограммалар ҡәтғи рәүештә тыйыла. Кемдәр киләсәк? Ҡағиҙәләргә ярашлы, һәр ил исеменән бер генә коллектив сығыш яһай. Әлегә барлыҡ ҡатнашыусыларҙың исемлеге билдәләнеп бөтмәгән, ул артҡандан-арта бара. Мәҫәлән, Канаданан квебек фольклорындағы боронғо бейеүҙәрҙе һәм көйҙәрҙе һаҡлау һәм таратыу менән шөғөлләнгән «Tam Ti Delam» ансамбле, Пуэрто Риконан 45 йыл дауамында урындағы халыҡтың мәҙәниәтен һәм фольклорын бөтә донъяға танытҡан «Гибаро де Пуэрто-Рико» киләсәк. Кот-д’Ивуар дәүләтенән Фил һөйәге утрауының Халыҡ бейеүҙәре коллективы ҡатнашырға йыйына. Ҡунаҡтарҙың тулы исемлеге менән рәсми сайттың (folkloriada2020.com) «Ҡатнашыусылар» тигән бүлегендә танышырға мөмкин. Ҡабул итеүсе яҡ үҙенең бай мәҙәниәтен күрһәтергә тейеш, шуға күрә беҙҙә Волга буйы, Кавказ, төньяҡ халыҡтары коллективтары сығыш яһаясаҡ. Пензанан «Вензеля» ансамбле лә Рәсәй мәҙәниәтен танытасаҡ. Ә беҙҙең республика исеменән Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблдәре һәм башҡа танылған коллективтар ҡатнашасаҡ. Ә бына хедлайнер, йәғни махсус рәүештә саҡырылған төп ҡунаҡ булмаясаҡ, фестивалдең ҡағиҙәләренә ярашлы, һәр ил бер тигеҙ шарттарҙа сығыш яһаясаҡ. Сараның талисманы нимә буласаҡ? Ә был беҙҙән тора! Яңыраҡ республикала фольклориаданың символына конкурс иғлан ителде. Белеүебеҙсә, Мәскәү олимпиадаһының символы — айыу, Сочилағыныҡы — леопард, ҡуян һәм аҡ айыу, футбол буйынса донъя чемпионатыныҡы Забивака бүре булғайны. Башҡортостанды һынландырған, донъяның төрлө мөйөштәренән килгән күп һанлы ҡунаҡтарҙың хәтерендә ҡалырлыҡ шундай символды һеҙ ҙә тәҡдим итә алаһығыҙ. Конкурс эштәрен аңлатма менән бергә 31 мартҡа тиклем түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә кәрәк: [email protected] Еңеүсене сараны рәсми асыу тантанаһына саҡырасаҡтар. «Ҙур төҙөлөштәр» буласаҡмы? Фольклориадаға ҡарата бер ниндәй ҙур төҙөлөштәр булмаясаҡ. Ойоштороусы булараҡ сығыш яһаған республиканы сара үтәсәк урындарҙың төҙөклөгө нығыраҡ борсой. Концерт уҙасаҡ райондарҙа майҙандарҙы һәм мәҙәниәт йорттарын ремонтлайҙар. Мәҫәлән, февраль аҙағында фестивалде ҡабул итәсәк майҙандарҙың береһе буласаҡ Асҡар ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң 280 урынлыҡ тамаша залына эйә мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Бында 38 миллион һумға торошло эштәр башҡарылды. Ә Өфөлә бынан ун йылдан ашыу элек ремонтҡа тип ябылып, әле булһа эшләмәгән «Бейеүсе торналар» фонтаны асыласаҡ. Ҡасандыр был майҙан ҡала халҡының яратып ял иткән урыны ине. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Кеше ниндәй айҙа тыуһа, шул миҙгелдең сифатына эйә була тигәндәре бик тә хаҡ. Беҙ быны ошо көндәрҙә 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән әсәйебеҙ Зәйтүнә Зәйнәғәбдин ҡыҙы Сабитоваға ҡарап та әйтә алабыҙ. Февралдең ынйы ҡары тәбиғәтте сафлығы, таҙалығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, балаларына, дуҫтарына, туғандарына йөрәк йылыһын йомарт өләшә. Кеше ниндәй айҙа тыуһа, шул миҙгелдең сифатына эйә була тигәндәре бик тә хаҡ. Беҙ быны ошо көндәрҙә 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән әсәйебеҙ Зәйтүнә Зәйнәғәбдин ҡыҙы Сабитоваға ҡарап та әйтә алабыҙ. Февралдең ынйы ҡары тәбиғәтте сафлығы, таҙалығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, балаларына, дуҫтарына, туғандарына йөрәк йылыһын йомарт өләшә. Әсәйебеҙ сығышы менән Иштуған ауылынан. Күп балалы, эшһөйәр, илһөйәр ғаиләлә үҫкән ул. Ете йыллыҡ мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаһа ла, артабан уҡырға насип булмай уға. Әммә ул ғүмер буйы белем алыуынан туҡтаманы, беҙ белә-белгәндән уҡыны ҡәҙерлебеҙ. Нәфис әҙәбиәт яратҡан кешенең күңеле һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтылыуын, изгелеккә тартылыуын, яңылыш юлға баҫмауын, намыҫлы, эшһөйәр булып үҫеүен яҡшы аңлай ине ул. Шуға ла китап уҡыуға беҙҙә лә һөйөү тәрбиәләне. Атайыбыҙ иртә вафат булғас, биш баланы яңғыҙы үҙ аллы тормош юлына баҫтырыуҙа, ысын кеше итеп тәрбиәләүҙә үҙенең тоғро дуҫы итеп күрҙе китапты. Ғөмүмән, ул бөтә һөйөүөн, наҙын беҙгә, балаларына бүләк итте, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә бирә. Эйе, донъя йөгөн тартыу еңел булмай уға, әммә ошоғаса әсәйебеҙҙең уфтанғанын ишеткәнебеҙ юҡ. Яҙмышы насип иткән һынауҙарҙы ла, ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы ла лайыҡлы ҡабул итеп, тормошона зарланмай, тыныс ҡына донъя көтөүен белә. Әле лә уның тик ултырғанын һис күрмәҫһең. Бәйләме лә һәр ваҡыт эргәһендә, тегеү эшен дә ташларға уйламай. Үҫмер генә сағынан тегә ул. 12 йәше тулғас, ағаһы алып биргән машинаһында ауылдаштарына ла, туғандарына ла, колхозға ла текмәгән әйбере ҡалмай. Әбейҙәр сәй эскәнсе, бер күлдәк өлгөрткән ул хатта. Ҡайғы-хәсрәтте күп күрһә лә, тормошто яратыуҙан туҡтамай, күңеле ҡатмай һөйөклөбөҙҙөң. Кешеләргә, туғандарына, күрше-тирәгә ихлас ярҙам итеүен, аҡыллы кәңәштәрен биреүен дауам итә. Бер ҡараһаң, ул - шундай нәзәкәтле ханым. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең өсөн ҡалҡан булып ҡалҡа ла белә ине. Ә инде тәү ҡарамаҡҡа ауыр ғына күренгән эште лә уфтанмай, еренә еткереп эшләп ҡуйыуына һәр саҡ хайран ҡалабыҙ. Әсәйебеҙ - тыйнаҡ та, һөйкөмлө лә, эшсән дә, түҙемле лә, иманлы ла кеше. Ул - беҙҙең тормошобоҙ йәме, ашыбыҙҙың тәме. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ғаилә усағын һүндермәйсә, һүрелдермәйенсә дөрләтеп тота. Асыҡ йөҙлө, йор һүҙле, егәрле кешебеҙ Нөгөш ауылы халҡы араһында хаҡлы рәүештә хөрмәт ҡаҙана тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Ул оҙаҡ йылдар дауамында “Тау һауаһы” шифахана-профилакторийында официант булып эшләне. Тилберлеге, эшһөйөүсәнлеге, намыҫлы һәм ғәҙел булыуы менән хеҙмәттәштәре һәм ойошма етәкселегенең ихтирамын да яулаған ул. Юбилейы айҡанлы ғәзиз кешебеҙгә күңел түрендәге иң изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Уға бәхетле ҡартлыҡ, күңел бөтөнлөгө, тыныс көндәр, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
15 июлдә Рәсәй кинотеатрҙарында фильмдар күрһәтә башлауҙары ихтимал. Был хаҡта 25 июндә Волгоградҡа эш сәфәре барышында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова белдерҙе. Ведомство етәксеһе фекеренсә, бөтә төбәктәрҙә лә бер үк ваҡытта уларҙың эшен тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итеү урынлы булыр ине. Ул кинотеатрҙарҙы асыу хаҡында ла Роспотребнадзор менән даими эш алып барылыуын билдәләне. Кинопремьераларҙы уҙғарыу өсөн барлыҡ кинотеатрҙар асыҡ булырға тейеш, юғиһә хоҡуҡҡа эйә булыусылар өсөн проблема һәм хәүеф килеп тыуыуы мөмкин, тине Ольга Любимова. «Беҙ 15 июлгә иҫәп тотабыҙ, ул беҙҙең өсөн актуаль булып ҡала. Ләкин тәү сиратта Мәскәүҙең Мәҙәниәт департаменты менән аралашыуҙы дауам итәбеҙ, сөнки баш ҡалала кинотеатрҙар һәм тамашасылар бик күп», – тип белдерҙе Ольга Любимова. Ҡәтғи ҡарар комплекслы, илдең ҙур ҡалаларындағы эпидемиологик хәлдән сығып ҡабул ителә. https://www.bashinform.ru/news/1466310-15-iyulya-mogut-vozobnovitsya-pokazy-v-kinoteatrakh-rossii-/ Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндә иғлан иткән “Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсы дауам итә. Бәйге өр-яңы рәсми байрамға – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө (8 июль) тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Конкурсанттар араһында биш балаға ғүмер бүләк иткән Балаҡатай районынан Гөлгөнә Зәнәғәбетдинова менән Наил Мөхәмәтғәлин да бар. – Донъя йәме – балаларҙа, – ти Гөлгөнә ханым. – Тормошомдо уларһыҙ бер көн дә күҙ алдыма килтерә алмайым. Ҡыҙҙарым миңә – әхирәт тә, ярҙамсы ла. Наил Мөхәмәтғәлин билдәләүенсә, малай тыуыу атай кеше өсөн ҙур бәхет, ҡулынан балта төштө тиһәң дә мөмкин. Малайҙары – төп ярҙамсылары. Ярышта ҡатнашырға Мәсетле районынан ете балалы ғаилә Гүзәл һәм Әнис Ҡаҙыхановтар ҙа теләк белдерҙе. – Ир кеше йорт һалырға, ағас ултыртырға һәм малай тәрбиләргә тейеш, – тиҙәр, – ти Әнис Ҡаҙыханов. – Ошоларҙың барыһын да башҡарҙым. Киләсәктә иһә тағы ла бейек үрҙәрҙе яулайһы бар. Гүзәл ханымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Ғәзиздәренең һәр береһе алтынға торошло. Фото: Наил Мөхәмәтғәлин, Гүзәл Ҡаҙыханова. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа Автор:Илдар Акьюлов Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Бөгөнгө байрам - Уҡытыусылар көнөндә атайым менән әсәйемде иҫкә алып китмәһәм, дөйә муйынынан да кәкере генә түгел, ә яҙыҡ та булыр ине. Бөгөнгө байрам - Уҡытыусылар көнөндә атайым менән әсәйемде иҫкә алып китмәһәм, дөйә муйынынан да кәкере генә түгел, ә яҙыҡ та булыр ине. Сөнки әсәйем минең тәүге уҡытыусым булып, 4 йыл буйына мин уның ҡулында белем алһам, 5-се кластан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан атайым беҙгә иҫ киткес төплө белем биреп кенә ҡалмайынса (быны мин ғүмерем тоя киләм һәм уға рәхмәт уҡыйым), минең үҙемдең ғүмерлек һөнәремде һайлауҙа ҙур роль уйнаны. Атайым төрлө яҡтан үҫешкән шәхес булараҡ, уның донъяға ҡарашы, белем даирәһе лә бик киң һәм тәрән ине.Ул художестволы әҙәбиәтте күп уҡыу менән бергә, үҙе лә шиғыр - бәйеттәр, таҡмаҡтар сығара, район гәзитенә мәҡәләләр яҙа ине. Бөгөнгө көндә ғәзиздәремде иҫкә алып, атайым мәрхүмдең 1988 йылда Бөрйән районының "Таң" гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләһен бирәм. Әйткәндәй, был мәҡәләне ҡуйыу ҙа тиккә генә түгел : унда атайым менән бер коллективта, йәғни совет осоронда мәктәп директорҙары булып эшләгән уҡытыусылар тураһында һүҙ бара. Коллективтың уңышы - етәкселек итә белеүҙә Мин 37 йыл уҡытыусы булып эшләп, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡтым. Миңә, ябай уҡытыусыға, шул дәүер эсендә байтаҡ ҡына мәктәп директорҙары ҡулы аҫтында эшләргә тура килде. Был мәҡәләлә мин ошо яуаплы эшкә ҡарата ихласлығы, үҙенә һәм коллегаларына талапсанлығы , коллективтың барлыҡ ағзаларына ҡарата ғәҙел, объектив булыуы, уларҙың һәр урынлы талабын һәм һорауын үтәргә әҙер тороуы, дөйөм алғанда, шәхси өлгөһө менән башҡаларҙы үҙ артынан эйәртергә һәләтле булған ҡайһы бер директорҙар хаҡында бер нисә һүҙ әйтмәксемен. Улар араһынан бигерәк тә Т.К.Дәүләтҡужин, В.А.Ғәбиҙуллин, Ф.Ғ. Бикбулатова, М.Ә. Сафина, Х.Ә. Байназароваларҙың эшмәкәрлеге бөтә коллектив өсөн өлгө булып торҙо. Әлбиттә, уларҙың етәкселек итеү өлгөһөн бер ҡалыпҡа ғына һалып ҡарап булмай: берәүҙәре хужалыҡ эштәренә, уҡыу-тәрбиә биреү учреждениеһының матди - техник базаһын нығытыуға нығыраҡ иғтибар бүлһә, икенселәре уҡыу - уҡытыу эшен арғы планға ҡуйҙы. Шулай уҡ уларҙың барыһын да тигеҙ алып барырға тырышҡан етәкселәр ҙә булды. Әбделмәмбәт ауылында 1956 йылда ете йыллыҡ мәктәп ябылып, ул башланғыс мәктәпкә ҡалдырырылған ине. Бары тик 1965 йылда ғына һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылды. Мәктәп астырыу ул йылдарҙа еңел эш түгел ине. Был тәңгәлдә беҙгә ул ваҡытта республиканың мәғариф министрлығында эшләгән яҡташыбыҙ Ғ.Д. Ирғәлиндың ярҙамы ҙур булды. Мәктәптең тәүге директоры итеп КПСС район комитеты ултырышында Яңы Собханғол тыуып үҫкән юғары белемле уҡытыусы Төлкөбай Кинйәбулат улы Дәүләтҡужин тәғәйенләнә. Ул килеүгә, ата - әсәләр көсө менән 180 кубометр төҙөлөш ағасы ҡырҡылып, ташылып ҡуйылған ине(был эш, нигеҙҙә, ҡул һәм ат көсө менән, иң мөһиме, бер тин аҡсаһыҙ башҡарылды!). Мәктәп төҙөтөү эше менән яңы хужа бик ихлас шөғөлләнде, уның матди - техник базаһын нығытыуға ла бар көсөн һалды. Иң мөһиме, уҡытыусылар коллективы бер нисә юғары белемле кадрҙар менән тулыландырылды. 1967йылда директор булып Асҡар ауылы егете В.Ә. Ғәбиҙуллин эшкә килде. Тәүге көндәрҙән үк Вәдүт Әбделхаҡ улы үҙен бик хәстәрлекле хужа итеп танытты. Әйтәйек, ул заманда "Дружба" мотобысҡыһы бик һирәк кенә ойошмаларҙа һәм кешеләрҙә осрай торған эш ҡоралы иҫәбендә булды. Вәдүт Әбделхаҡ улының йүнселлеге арҡаһында, беҙҙең мәктәп бер түгел, ике шундай мотобысҡы алыуға өлгәште. Мәктәп өсөн утын әҙерләгән саҡтарҙа ул бер бысҡы менән утынға тигән ағастарҙы үҙе йығып йөрөй торғайны. Уның артынан бер нисә уҡыусы икенсе "Дружба" бысҡыһы менән алмашлап ағасты тураҡлай, ҡалғандары ботап, әрҙәнәгә өйә баралар. Ғәҙәттә, директор вазифаһын башҡарған кешегә йомош - юл менән район үҙәгенә һәм башҡа урындарға йыш йөрөргә тура килә. Ҡайһы бер директорҙар ундай осраҡтарҙа дәрестәре ҡалыуҙы уйлап та бирмәй, сәбәпһеҙгә ҡалдырмағандар бит, йәнәһе. Ә Вәдүт Әбделхаҡ улы ҡалған дәрестәрен һуңынан артығы менән үткәреп ҡуя ине һәм башҡа уҡытыусыларҙан да шуны талап итте. Тап ул етәксе булып эшләгән осорҙа беҙҙең коллективта уҡытыусылар тураһында хәстәрлек күреү алғы планға ҡуйыла башланы ла инде. Бер һүҙ менән әйткәндә, директорыбыҙ коллективтың, тимәк, бөтә мәктәптең уңышы кеше факторына бәйле булыуын аңлап эш итә ине. Әйтәйек, бынан алдағы осорҙарҙа уҡытыусыларға шәхси хужалығын алып барыу, бигерәк тә мал - тыуары өсөн бесән әҙерләү, утын - бесән алдырыу ярайһы ғына ауыр проблема була торғайны. Был проблемаларҙы яҡшы белгән директорыбыҙ утын - бесән алдыра алмай ҡаңғырған уҡытыусыларға колхоз идараһы аша трактор йүнләп алып бирешеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Етәксенең бындай ярҙамын, хәстәрлеген һәр дайым күреп торған уҡытыусыларҙың үҙҙәренең төп эшенә ваҡыттары иркенерәк ҡалып, уҡыу - уҡытыу, тәрбиә эштәренең сифаты ла яҡшырғандан-яҡшыра барҙы. Унан һуңғы йылдарҙа мәктәп менән етәкселек иткән Фәүзиә Ғариф ҡыҙы Бикбулатова, Менәүәрә Әхәт ҡыҙы Сафина, Хәлиҙә Ишбулды ҡыҙы Байназаровалар, директор вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләмәһәләр ҙә, бөтә эште коллектив менән кәңәшләшеп, башҡалар фекерен иҫәпкә алып һәм уларҙың ярҙамына таянып башҡарҙылар. Мәктәптә уҡыу йылы тамамланыуға, ремонт эштәре бөткән, киләһе уҡыу йылына мәктәп, интернат һәм уҡытыусылар өсөн етерлек күләмдә утын әҙерләнгән һәм ташылып ҡуйылған була торғайны. Ә мәктәп янындағы интернатта ятып уҡыған уҡыусылар көсө менән күпме эш башҡарыла ине?! Алдағы ҡышҡа күпме утын бысылып, ярылып, тау - тау итеп өйөп ҡуйылыр ине! Ауыл ерендә яҙлы - көҙлө эш бигерәк тә күп була бит инде. Уҡытыусылар, интернатта эшләгән тәрбиәселәр уҡыусыларҙы колхоз малдарына ашатыу өсөн миндек бәйләргә алып йөрөй, ҡайтҡас, уларҙы ышыҡ урындарға киптерергә элеп сығыу, унан һуң мәктәп янындағы участкала сәселгән йәшелсә-емеште тәрбиәләү - барыһы ла уҡыусылар һәм уҡытыусылар иңендә булды. Ә директор эш хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү өсөн яуап бирә. Һәм, Аллаға шөкөр, бер ниндәй ҙә ЧП - лар, тыңлашмай, эштән ҡасып ҡалыу һымаҡ кире күренештәр булманы элекке уҡыусылар араһында. Мәктәп яны баҡсаһында ауыл халҡына һатыуҙан тыш, интернетта ятып уҡыусылар өсөн ҡыш буйына етерлек тоҙланған кәбеҫтә, ҡыяр, ҡарағат вареньеһы әҙерләнер ине. Шулай уҡ ит өсөн йылдың - йылы бер нисә баш сусҡа ла аҫырала ине. Уларҙы ла уҡыусылар үҙҙәре ҡараны. Тағы шуныһы - уҡыусылар һәм уҡытыусылар көсө менән башҡарылған эштәрҙең барыһы ла бушлай эшләнә ине. Бөтә был һанап бөткөһөҙ эштәрҙең барыһы ла, әлбиттә, мәктәп директорҙары инициативаһы менән ойошторола ине. Был тәңгәлдә исемдәре үрҙә телгә алынған мәктәп директорҙарының барыһына ла хас сифат - ул шәхси өлгө күрһәтеү булды. Уларҙың шәхси өлгөһө - эшсәнлеге, һәр нәмәгә яуаплы ҡарауы, тырышлығы уҡыусыларҙы ла, уҡытыусы - тәрбиәселәр коллективын да ныҡышмал хеҙмәткә әйҙәне. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
“Экология” милли проекты сиктәрендә 25 ноябрҙән 31 декабргә тиклем республикала “Шыршы – 2019” профилактик операцияһы бара. “Экология” милли проекты сиктәрендә 25 ноябрҙән 31 декабргә тиклем республикала “Шыршы – 2019” профилактик операцияһы бара. Салауат урман хужалығының бүлек начальнигы Фәнис Ғәйнетдинов хәбәр итеүенсә, районда оператив-профилактик операция башланған. Салауат урман хужалығы инспекторҙары эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман биләмәләренә сығып, юлдарҙа, урмандарҙа яңы йыл шыршыларын ташыусы машиналарҙы, участка урмансылары үҙҙәренең тәғәйен биләмәләрен көн дә тикшерә. Әлеге мәлдә закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Әгәр ҙә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыусылар асыҡланһа, граждандарға бер шыршы өсөн 3 – 4 мең штраф һәм урман фондына зыян килтергән өсөн тағы 2 мең түләргә тейеш була, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән алып 40 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 200 меңдән алып 300 меңгә тиклем штраф һалына. Ике һәм унан күберәк шыршыға зыян килһә, енәйәт эше асыла. Салауат урман хужалығы яңы йыл шыршыларын һата башлаған. Шуға күрә теләгәнеңде һайлап алыу мөмкинлеге бар. Ә инде законһыҙ ҡырҡыу осрағын күрһәгеҙ, белһәгеҙ, 8 (347) 218-14 -14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә мөмкин. Г. Рәйесова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Асҡын ауылында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова ун көнлөк сиктәрендә республика һәм районыбыҙҙа сығыусы “Йәнтөйәк”, “Ышаныч” гәзиттәренә яҙылды. 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһының иң ҡыҙған мәле. Әле, 1 июндән 10-ына тиклем, ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө бара. Күптәр был мөмкинлек менән файҙаланып ҡалырға ашыға. Асҡын ауылында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Марсель ҡыҙы Ғәләүетдинова был юлы ла ике гәзиткә — “Йәнтөйәк” һәм “Ышаныч”ҡа яҙылды. — «Йәнтөйәк» район-ара һәм “Ышаныч” район гәзиттәрен күптәндән алдырам, яратып уҡыйым. Был баҫмаларҙың сайттарын да ҡарап, уҡып, яңылыҡтар менән танышып барам, бик оҡшай, фәһемле материал етерлек. Беҙ бәләкәйҙән гәзит-журналдар уҡып үҫкәс, интернет булыуға ҡарамаҫтан, барыбер ҙә гәзитте ҡулға тотоп рәхәтләнеп уҡырға яратабыҙ. Шуға ла һәр саҡ район, республика баҫмаларына яҙылабыҙ. Был, үҙ сиратында, балалар өсөн дә матур өлгө булып тора. Улар йәштән уҡып үҫһә, айырыуса һөйөнөслө. Гәзит аша яңылыҡтарҙы белеү, төрлө файҙалы мәғлүмәт менән танышыу фекерләү ҡеүәһен арттыра, аҡылды үҫтерә. Эштә лә хеҙмәттәштәрем район һәм республика баҫмаларына яҙылды, — тип гәзит уҡыуҙың әһәмиәтен билдәләп, башҡаларҙы ла ун көнлөк ваҡытында гәзиттәргә ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡалырға саҡырҙы әүҙем йәмәғәтсе, дүрт бала әсәһе Дилбәр Марсель ҡыҙы. Наилә Имаева. Автор фотоһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
– Ауылда саф һауа, тәбиғәт тә матур, тик миңә яҡшы эшкә урынлашырға кәрәк. Уҡырға инергә лә уйым бар. – Бик яҡшы. Ҡалала эш хаҡы ла юғарыраҡ, карьера эшләү мөмкинлеге лә бар. Һин әле эш белештеңме? – Юҡ әлегә. Йәшәп торорға урын эҙләйем башта. Берәй кәңәш бир әле. – Ҡала уртаһында фатирҙар ҡыйбат, шуға күрә ситтәнерәк эҙлә. Транспортта йөрөүе ҡыйын була инде. Башта эш тап, шунан фатир эҙләрһең. Эш эргәһендә тапһаң, бигерәк шәп була. – Рәхмәт кәңәшеңә! Беҙ ауылда йәйәү генә йөрөп өйрәнгәнбеҙ, бында транспорт бигерәк күп, автобустарҙа ла тығын икән. – Эйе, эҫелә тын алыуы ҡыйын булып китә, һауа ла ҡалала бысраҡ бит. Бында шуныһы яҡшы, ял көндәре бик күңелле үтә. Төрлө концерттар, осрашыуҙар, салют була. Кафеға, киноға барырға мөмкин. Берәй көндө беҙ ҙә осрашып, Ағиҙел буйында йөрөп килербеҙ. Хәҙер унда бик матур!
Балаларҙың ҡышҡы каникул көндәре дауам итә. Уларҙы ҡыуандырып, һауа торошо ла яҡшы тора.Саф һауала уйнауҙан да яҡшыраҡ нимә бар һуң?Дөрөҫ, тышта уҙғарылған һәм тотош ғаиләләр ҡатнашҡан ҡышҡы уйындар!Ә уларҙың нисек үтеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ Балаларҙың ҡышҡы каникул көндәре дауам итә. Уларҙы ҡыуандырып, һауа торошо ла яҡшы тора. Каникул көндәренең бер генә минутын да компьютерҙар артында ултырып әрәм итмәйенсә, рәхәтләнеп уйна әйҙә! Ә саф һауала уйнауҙан да яҡшыраҡ нимә бар һуң? Дөрөҫ, тышта уҙғарылған һәм тотош ғаиләләр ҡатнашҡан ҡышҡы уйындар! Республикала төҙөлгән яңы йыл байрамдары календарында бөгөн, 6 ғинуар - "Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнө". Ошо уңайҙан районда төрлө саралар ойошторолған. Мәҫәлән, Сапай ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Флүр Әнүәр улы Сәйетгәрәев ауыл балалары өсөн матур байрам ойошторған. Унда өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Байрам үткәреү өсөн алдан майҙансыҡ әҙерләгәндәр: ауыл эргәһендәге быуаны ҡарҙан таҙартҡандар, тауҙан шыуыу урыны булдырғандар, боҙ өҫтөндә шыршы ла биҙәгәндәр, махсус карусель дә яһағандар хатта. Байрам барышында төрлө конкурстар, уйындар, ярыштар ойошторолған. Эстафетала, шыршы тирәләй әйләнеп, йырлауҙа, дәртле бейеүҙәрҙә бөтәһе лә рәхәтләнеп ҡатнашҡан. Ғаиләләр бындай әүҙем ялды бик һағынған, күрәһең. Күңелле уйындар, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр байтаҡ булған. Замана Ҡыш бабайы (Флүр Сәйетгәрәев) балалар эргәһенә ғәҙәттәгесә ҡыңғыраулы аттарҙа түгел, ә еңел машинаға тағылған таблеткала килгән. (Ул ошо ҡылығы менән балаларға былай эшларгә ярамағанлығын аңлатырға тырышҡан). Балалар яратҡан бабайҙарына шиғырҙар уҡыған, йырҙар йырлаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, сара бик күңелле үткән. Байрамдан бөтәһе лә шатланып-көлөп, бүләктәр һәм яҡшы кәйеф алып таралышҡан. Ғаилә байрамында ҡатнашҡан ата-әсәләргә, айырыуса уны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәһе килә. Ошондай активистар булғанда, ауылдарыбыҙ гөрләп торор, тип ышанабыҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Өфө ҡалаһы полицияһы 92 йәшлек оло кешене талап сыҡҡан намыҫһыҙ әҙәмде эҙләй. Билдәһеҙ кеше был йортҡа үҙен түшәк-ҡаралты һатыусы тип таныштырып килеп инә. Саҡырылмаған ҡунаҡты фатирына индереп, бер ниндәй насарлыҡ тоймайынса, әбей уның тауарын ҡарай башлай. Һөйләшкән арала "һатыусы" хужабикәнең аҡсаһының йәшерелгән урынын күреп ҡала һәм һиҙҙермәй генә уны ҡулына төшөрә. 250 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡанлығын әбей теге әҙәм сығып киткәс кенә белә. Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, урлашыу ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше асылған һәм яман уйлы әҙәмдең эҙенә төшөргә тырышалар. Хоҡуҡ һаҡсылары тағы бер тапҡыр иҫкәртә һәм төрлө сәбәп менән йортоғоҙға инергә тырышҡан таныш булмаған әҙәмдәргә ышанып, ишек асмаҫҡа кәңәш итә. Фото: novosti33.ru Автор: Аклима Гизатуллина. https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/92-y-shlek-olo-keshene-tala-andar-456676/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Төйөлгән ҡаш, асыуҙан турһайған йә ҡымтылған ирендәр, башта бер туҡтауһыҙ ҡайнашҡан ауыр уйҙар ҙа маңлайҙарға һырҙар булып ята. Шуға ла, яҡшы кәйеф, яҡшы уйҙарҙа ғына йөрөү ваҡытанан алда ҡартайыуҙан да ҡотҡарыр, тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа көйләргә лә ярҙам итер. Кемдер иртән һып-һыуыҡ һыу менән йыуынһаң йоҡо оса, бәғзеләр эҫе һыу тиреләге бысраҡтарҙан арындыра тип иҫәпләй икән – яңылыша. Бары тик бүлмә температураһындағы йә һалҡынса һыуҙа ғына йыуыныу бит тиреһен тәбиғи матурлығында һаҡланырға ярҙам итер. Аҙ хәрәкәтләнеү ҙә тиҙ ҡартайыуға булышлыҡ итеүҙең беренсе “дошманы”. Хәрәкәт иткән саҡта ҡан әйләнеше әүҙемләшеү менән бергә, биттәге мускулдар ҙа эшләй башлай. Биҙәнгән килеш йоҡлау ҙа бит тиреһен тиҙерәк ҡайртайтыуға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә йыш ҡына косметиканан арынмайынса йоҡлауҙы ғәҙәт итеп алаһың икән, күҙ ҡабаҡтары шешеп, күҙ төптәрендә һырҙар барлыҡҡа килә, бит тиреһе ҡороша башлаясаҡ. Ҡояшта ныҡ ҡыҙыныу ҙа, ҡышҡы селләлә оҙаҡ йөрөү ҙә тире өсөн зарарлы. Шуға ла эҫе ҡояш нурҙарынан, һыуыҡтан һаҡланыусы кремдарҙы миҙгеленә ҡарап ҡул аҫтында тотоу мотлаҡ. Төйөлгән ҡаш, асыуҙан турһайған йә ҡымтылған ирендәр, башта бер туҡтауһыҙ ҡайнашҡан ауыр уйҙар ҙа маңлайҙарға һырҙар булып ята. Шуға ла, яҡшы кәйеф, яҡшы уйҙарҙа ғына йөрөү ваҡытанан алда ҡартайыуҙан да ҡотҡарыр, тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа көйләргә лә ярҙам итер.
Уның барышында Башҡортостан Республикаһы музейҙарында мәктәп йәшендәге балалар менән башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса дәрестәр ойошторола. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Туған тел илселәре» республика акцияһын үткәрә. Уның барышында Башҡортостан Республикаһы музейҙарында мәктәп йәшендәге балалар менән башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса дәрестәр ойошторола. Акция онлайн форматта 2020 йылдың 25 декабренә тиклем дауам итә. Республика акцияһы барышында Башҡортостан музейҙарында интерактив дәрестәрҙе төшөрөү башланды. Тәүге роликтар Баймаҡ районы Темәс ауылында Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Зәйнәб Биишеваның йорт-музейында башланды. Сиратта — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында киләһе дәресте төшөрөү. Дәрестәрҙе «Туған тел донъяһы» сайтында ҡарарға мөмкин. «Проект уҡытыусылар, балалар һәм өлкәндәр араһында хуплау табыр, шулай уҡ тыуған төйәктең тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн сығанаҡ булып хеҙмәт итер тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зиннуров. https://www.bashinform.ru/news/1476266-v-muzeyakh-bashkortostana-startovali-semki-aktsii-posly-rodnogo-yazyka-/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Икенсегә ауырға ҡалдым. Бишенсе ай китте инде. Район үҙәгенә барып иҫәпкә тороу менән был хаҡта бөтә туған-тыумасаға билдәле булды һәм башланды... “Ирем менән ғаилә ҡороуыбыҙға 11 йыл, ун йәшлек улыбыҙ үҫә. Тормошобоҙ ныҡ матур, көйлө тип әйтеп булмай, әлбиттә. Ирем дуҫ-ише менән эсеп алһа, өйҙә янъял сығарырға ла күп һорамай. Әммә төрлөсә яйлап-майлап йәшәргә, түҙергә тырышам. Һәр хәлдә, эсеп алып, нимә һөйләгәнен ишетмәй, кемгә барып бәйләнергә белмәй йөрөһә лә, миңә һәм балама ҡул күтәрмәй. Нисек кенә булмаһын, уның һәм үҙемдең туғандарыма зарланып ултырғаным юҡ. Икенсегә ауырға ҡалдым. Бишенсе ай китте инде. Район үҙәгенә барып иҫәпкә тороу менән был хаҡта бөтә туған-тыумасаға билдәле булды һәм башланды... Бер көн ирем һуҡмыш ҡайтып ингәндә ҡәйнәм беҙҙә ине. Мин, әлбиттә, ҡаты ғына итеп әйтеп ташланым. Быны ишеткән ҡәйнәм: “Улымды ул тиклем яратмай әрләгәс, ниңә икенсегә бала табырға булдың?” – тип аптыратты. Ике апаһы ла шундайыраҡ хәбәр әйтеп ҡуйҙы. “Осон осҡа ялғап саҡ йәшәйһегеҙ, икенсе бала нимәгә ул һеҙгә? Ваҡытында абортҡа бармай...” – тип күңелемде ҡыйҙылар. Быларына ғына түҙер инем, үткән ялда әсәйемә барғайным, ул да шул хәбәрҙе һөйләй: “Кейәүҙең холҡо ауыр, нимәгә тағы бала һеҙгә, шул берәүеңде үҫтерһәң, етмәйме?” Һуң мин бит берәүҙән дә аҡса таптырып, ашарға һорап, “етешмәй йәшәйбеҙ” йәки “ирем насар” тип һөйләп ултырғаным юҡ. Ни эшләп минең тыумаған баламдан донъя ҡыҙғаналар икән? Бер гонаһһыҙ йән эйәһенең ни ғәйебе бар? Бер баланы көткәнде, икәүҙе аяҡҡа баҫтыра алмаҫ тиҙәрме икән? Улымдың да яңғыҙ булыуын теләмәйем. Ауырлы саҡта ҡатын-ҡыҙҙың күңеле былай ҙа нескәрә, юҡ-барҙы ауыр ҡабул итеүсәнгә әйләнә. Ни эшләп яҡын кешеләрем шуны аңламай? Ә иремә килгәндә... Ул эсә, болара тип, мин яңғыҙ бала менән ҡалғым килмәй. Бәлки, ҡасан булһа ла ул да ипкә килер...” (Сибай ҡалаһынан 30 йәшлек Нәзиләнең һөйләгәндәренән). Фото: niniplus.com Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tiuma-an-balamdan-donya-i-analar-308329/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
13 февралдә үтәсәк сарала республиканың бөтә район һәм ҡалалары ла ҡатнашасаҡ. Үҙәк старттар иһә Өфөлә ошо асыҡ спорт майҙандарында ойоштороласаҡ. Ярышта ҡатнашыусылар өс саҡрым дистанция үтә, спорт мәктәптәре спортсылары һәм саңғысылар биш саҡрым үтә ала. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. “Рәсәй саңғыһы” 1982 йылдан үткәрелә һәм ҡатнашыусылар һаны, географияһы буйынса иң ҙур ҡышҡы спорт сараһы булып тора. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда быйыл 120 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә. Иҙел башы ла акцияға ҡушылып, 13 февралдә ҡаланың "Металлург" стадионында һәм Инйәрҙә Советтар Союзы Геройы А.Серебренников иҫтәлегенә 49-сы традицион саңғы ярыштары үткәрәсәк. Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте. #национальныепроекты #нацпроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Көҫәпәй ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Айгиз Яппаровты эш урынында осратып булманы. Уның Өфөгә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына йомош менән юлға сыҡҡанын хәбәр иттеләр. Әммә яңы ғына эш башлауын белгәс, хужалығын барып күрергә булдыҡ. Өҫтәүенә атаһы ла фермерлыҡ менән күптән шөғөлләнә икән. Көҫәпәй ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Айгиз Яппаровты эш урынында осратып булманы. Уның Өфөгә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына йомош менән юлға сыҡҡанын хәбәр иттеләр. Әммә яңы ғына эш башлауын белгәс, хужалығын барып күрергә булдыҡ. Өҫтәүенә атаһы ла фермерлыҡ менән күптән шөғөлләнә икән. Айгиз Ураҙ улы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында, ситтән тороп Ҡазан дәүләт университетында белем алған. Дипломлы белгескә ҡалала ла эш тәҡдим итәләр, әммә ул ауылды шаулы ҡала тормошона алмаштырмай. Шуға ла тыуған яғына ҡайтҡас, ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, быйыл крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошто­рорға була. Район хакимиәтенән дә егеткә ошо тармаҡты һайларға кәңәш итәләр, ярҙам булыр тип ышандыралар. Айгиз Яппаров яҡлау, таяныс тойоп, ҙур ихласлыҡ менән эшмәкәр­леген башлап ебәрә. Йәш фермер ныҡлап малсылыҡҡа тотона. Шәхси хужалығында уның һыйыр малы ла була. Шуныһы ҡыуаныслы: ул район хакимиәте ярҙамында шул уҡ йылда “Эш башлаусы фермер” маҡсатлы программаһында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшә. Өс миллион һумға яҡын аҡсаға тыуған ауылында өр-яңы, заманса һөтсөлөк фермаһы төҙөп ултырта. Ул һыу, һөт үткәргестәр менән йыһазландырылған, яңы тыуған быҙауҙар өсөн айырым ҡуралар ҙа булдырылған. – Ауылда тыуып үҫкәс, улым каникулында һәр саҡ миңә ярҙамсы булды, бергәләп бесәнен дә әҙерләй инек. Шуға ла яҙмышын малсылыҡ менән бәйләүенә үкенмәй. Етмәһә, минең был өлкәлә ниндәйҙер күләмдә эш тәжрибәм етерлек, әлбиттә, ярҙам итәм, – тине Айгиздең атаһы Ураҙ Яппаров. Әле генә эш башлауына ҡарамаҫ­тан, егет 300 гектарҙа иген культуралары, люцерна үҫтергән. Ҡуртымға алынған ерҙәр мул уңышы менән ҡыуандырған. Техникаһы ла һынат­маған, киләсәктә иһә паркты ҡеүәтле техника менән тулыландырмаҡсы. “Ауылда фермерҙар бар, йыш ҡына баҫыу эштәрен бергәләп башҡарырға тырышабыҙ”, – ти Ураҙ Яппаров. Бөгөн йәш фермер ике ауылдашын эш урыны менән тәьмин иткән. Ул тағы ла мал һанын арттырыу маҡ­сатын ҡуйған, үгеҙҙәрҙе иһә фәҡәт ит өсөн генә аҫрарға йыйына. “Айгиздән эш сығырҙай, өмөтлө күренә. Ауыл тормошон яҡшы белгәс, һынатмаҫ”, – ти бергә эшләгән иптәштәре. Алдағы көндәрҙә уның ҡаҙаныш­тары-уңыштары тураһында ишетербеҙ әле. С. ҒӘЛИН https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/atay-i-en-toyop/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
БЕРЛИН, 26 ноябрь. /ТАСС/.Францияға ИД террористик төркөмө менән көрәштә ярҙам итһен өсөн, немецтарҙың“Торнадо” самолет-разведчиктары Сүриәгә оҙатыласаҡ. Берлинда журналистарға был хаҡта бундестагтағы ХДС/ХСС эксперты Хеннинг Отте хәбәр итте. “Беҙ Ирактың төньяғында үҙ миссиябыҙҙы /“пешмерга”ны әҙерләү эше/ әүҙемләштереп кенә ҡалмаясаҡбыҙ, разведка өсөн “Торнадо”ны ҡулланып, ИД терроры менән көрәште лә киңәйтәсәкбеҙ,”-тине ул. Бынан тыш, идара итеүсе коалициялағы сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, ИД менән көрәш операцияһына ярҙам йөҙөнән Германия фрегат һәм заправкалаусы самолеттар ебәреү мөмкинлеген дә ҡарай. Әлеге мәлдә ГФР канцлеры Ангела Меркель ҡайһы бер министрҙары менән Францияға ИД менән көрәштә ярҙам итеү мәсьәләһен хәл итә. Хеннинг Оттеның белдереүе идара итеүсе коалиция парламентарийҙарының Францияға ИД менән көрәштә өҫтәмә ярҙам күрһәтеүгә арналған осрашыуы алдынан яңғыраны, тип асыҡлыҡ индерә Рейтер агенствоһы. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Башҡортостанда табиптар көнө киң ҡолас менән билдәләнде. Фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн уларҙы тәбрикләү парад башланғанға тиклем Өфөнөң биш майҙанында үтте. Башҡортостанда табиптар көнө киң ҡолас менән билдәләнде. Фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн уларҙы тәбрикләү парад башланғанға тиклем Өфөнөң биш майҙанында үтте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында йөҙгә яҡын табип Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һәм уның урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин ҡулынан Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Почет грамоталары, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы исемен алды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры алдында ғүмерҙәрен табип һөнәре менән бәйләргә йыйынған студенттарға, еңел булмаған осорҙа ярҙам ҡулдарын һуҙған ирекмәндәргә Башҡортостан Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. “Беҙ йәш белгестәргә рәхмәт белдереү тигән бик матур йоланы тергеҙәбеҙ”, – тине ул үҙ сығышында. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында Башҡортостандың атҡаҙанған табиптарын, республиканың һаулыҡ һаҡлау буйынса атҡаҙанған эшмәкәрҙәрен Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров ҡотланы. “Бөгөн табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, фельдшерҙарҙың, ғөмүмән, кеше ғүмере өсөн көрәшкәндәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пандемия осоронда Башҡортостан табиптары, көстәре һәм һаулыҡтарын йәлләмәйенсә, сирҙе йоҡтороуҙың бар ҡурҡынысын аңлаған көйөнсә, алғы һыҙыҡта коронавирус зәхмәте менән көрәшә. Улар үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән юғары һөнәри оҫталыҡ, батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө күрһәтә”, – тине ул. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бөгөнгө көн геройҙарын Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тәбрикләне. Дәүләт наградалары бында 35 кешегә тапшырылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев 25 табипҡа Рәсәй Федерацияһы Думаһынан, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советынан, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан әҙерләнгән юғары наградалар тапшырҙы. Фотолар: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә республикала юғары һауа температураһы һаҡлана: төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда -10-ға тиклем, көндөҙ +3, -2. Аҙыраҡ яуым-төшөм көтөлә. «Ләкин киләһе аҙнаның башында Уралға төньяҡ-көнсығыш ағымдар менән һалҡын Арктика һауаһы инә башлай. 19 ноябрҙә һауа температураһы -8, -13, 20 ноябрҙә төндә иһә -15, -20, көнсығыш райондарҙа -25 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -9-14, көнсығышта -18-гә тиклем», — тип белдерҙе синоптиктар. 19 ноябрҙә төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һалҡын үтеп инер алдынан Башҡортостанда аҙыраҡ ҡар ятыуы күҙәтелә. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Сафа ҡарттың Ишембай районына китеүенә лә ике ай самаһы. Дөрөҫ, һуңғы осорҙа ҡаты ауырый ине, шуға ла кесе ҡыҙы уны үҙҙәренә алып ҡайтты. Хәле хөртәйеүен белһә лә тыуған ауылын ташлап китергә һис уйламағайны. Ҡаты сир былай ҙа ҡалтырап йөрөгән ҡартты көндән-көн еңә барҙы. Ҡыштың беренсе айы – декабрь ҙә килеп етте. Өс-дүрт көнгә һуҙылған сатнама һыуыҡтарҙан һуң һепертмә буран башланды. Көндөҙ ябалаҡлап ҡар яуһа, төндәрен ыжғырған көслө ел тирә-йүнде, йорт-ҡураны таңға тиклем көрткә сумыра...Бөгөн дә кисләтеп күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты. Өй эргәһендәге электр бағаналары илаған тауыш сығарғандай, ҡайҙалыр иҫке келәт бураһының башына ябылған тимер ҡалай бына-бына аҡтарылам тип, ошо иҫкән ҡаты, көслө елгә елберҙәй...Тынлыҡты боҙған төрлө тауыштарҙы тыңлап, күҙҙәрен урам ҡапҡаһына төбәп ята Сафа ҡарттың тоғро эте Барбос. Хужаһын көтә ул. Көнө-төнө ошо ҡапҡанан күҙен алмай.Сафа ҡарттың Ишембай районына китеүенә лә ике ай самаһы. Дөрөҫ, һуңғы осорҙа ҡаты ауырый ине, шуға ла кесе ҡыҙы уны үҙҙәренә алып ҡайтты. Хәле хөртәйеүен белһә лә тыуған ауылын ташлап китергә һис уйламағайны. Ҡаты сир былай ҙа ҡалтырап йөрөгән ҡартты көндән-көн еңә барҙы.Шул ваҡыттан алып Барбос көн дә хужаһын көтә. Ҡайһы саҡта Сафа ҡарттың ике туған ҡыстыһы Рафиҡ бабай йәшәгән йорҡа һуғылып, бер-ике киҫәк икмәкте эләктерә һалып, ихатаға саба. Моғайын, хужаһы һауығып ҡайтып, күптән бикле торған өй ишеген асып, келтер-келтер килеп йөрөйҙөр... Юҡ шул, ҡапҡа алдында ла, өй эсендә лә бер әҙәм дә күренмәй, эҙе лә юҡ.Уйҙарға бирелгән Барбос ҡапҡанан күҙ яҙлыҡтырмай. Шул ваҡыт әллә ныҡ өшөгәнлектән, әллә тамағына күптән йылы аш эләкмәгәнлектән, ҡоторонған бурандың ажғырып үкереүенәнме, күҙ алдында ҡурҡыныс күренештәр хасил булды. Ниңәлер, башҡа ваҡытҡа ҡарағанда бөгөн хужаһы күҙ алдынан китмәй. Ап-аҡ кейем кейгән килеш: “Маһ! Ма-аһ!”- тип ҡайҙалыр саҡыра, ә үҙе бер юғала, бер күренеп ҡала. Ошо ғәжәп хәл бер-нисә тапҡыр ҡабатлана. Шул арала күптән гүр эйәһе булған Хәмит күршеһе Сафа ҡартты ҡайҙалыр етәкләп алып китергә тырыша. Хужаһының ҡарсығы Зифа әбейҙең дә саҡырған тауышы яңғырай.“Ҡарт! Ниңә һуңлайһың? Беҙ һине көтәбеҙ. Оҙаҡлама...” тигән үтенесле һүҙҙәр эттең ҡолағына салына. Барбос хужаһының артынан саңҡылдап-саңҡылдап эйәрергә маташа, ләкин эргәһенә бер нисек тә барып етә алмай. Ниндәйҙер серле көс йә тәрән соҡорға ҡолатып, йә бейек тауға үрләтеп, хужаһын күҙҙән яҙлыҡтыра.“Ыу-уу! Ыу-уу!” – хужаһын юҡһынған эт олоуы ауылды һиҫкәндерҙе. Ул үҙенә урын тапмай, әле тегендә, әле бында атыла: берсә һарай артына, берсә ҡапҡа алдына сығып, олоуын дауам итә. Уға ауылдың башҡа эттәре лә ҡушыла, йөрәк өҙгөс тауыш бик оҙаҡҡа һуҙыла. Барбос таң алдынан ғына йоҡоға тала...Эх-х! Ғүмер тигәнең!... Өс йыл элек хужаның оло улы Фәнис өс-дүрт айлыҡ көсөктө Йомағужа ауылынан алып ҡайтып, ата-әсәһенә ҡалдырып китте. Яңы урын, яңы йорт Барбос өсөн сит донъя кеүек тойолдо. Әбей менән бабай оло ғына йәштә. Эткә Барбос тип исем ҡуштылар. Кемуҙарҙан көсөктө ҡайғырттылар. Иртә таңдан әбей яңы һауылған һөт эсерһә, ҡарт, әбей күрмәгәндә, тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Бигерәк тә Сафа ҡарт ихатаға сыҡҡан һайын Барбосты яратып, яғымлы һүҙҙәр менән иркәләй. Һаҡауыраҡ бабай үҙе эш менән булғанда ла этенә иғтибар бүлмәй ҡалмай. Барбос был кешенең аҡыллы, яҡшы күңелле булыуына шикләнмәй, сөнки ул ярҙам һорап килгән күрше-күлән, ауылдаштарының йомошон кире ҡаҡмай. Салғы, балта, бысҡы үткерләргә тиһәң, бөтә ауыл халҡы уға ашыға. Ә Барбос үҙ эшен башҡара, йортҡа инеүсе кешеләргә өрөп, ихатаны һаҡлай.Йорт һаҡсыһы яҙҙы ярата. Хужаһы бәйҙән ысҡындырыу менән яҡындағы күл буйына саба. Ағиҙелдең уң яҡ ярында урынлашҡан был иҫ киткес күл ярым түңәрәк булып йәйрәп ята. Тирә-яғы – тал-тирәк. Апрель аҙаҡтарынан башлап тәлмәрйендәр симфонияһы көнө-төнө яңғырай. Май айынан һандуғастар моңо бер минутҡа ла тынмай. Күл яғынан ел менән бергә иҫкән төрлө-төрлө үлән, күрән-ҡамыш, тал бөрөләре еҫтәре... Үҙе бер мөғжизәәЭлек Сафа ҡарт бик оҫта балыҡсы булған, тиҙәр. Һуңғы ваҡытта ул Барбосын эйәртеп саф һауа һуларға күл буйына сығып йөрөр ине. Һыуға ҡарап оҙаҡ ҡына уйлана, һоҡлана. Яр буйында йәшәреп сығып килгән төрлө-төрлө еҫле үләндәр өҫтөнән тегендә-бында өрә-өрә Барбос саба. Ә эргәлә – хужа, ҡышҡы йоҡоһонан уянған тәбиғәт. Ниндәй рәхәтлек! Ниндәй матур был мөғжизәле донъя!Ошолай парлашып-гөрләшеп ҡартлыҡ донъяһында әүҙем генә йәшәп ятҡанда ҡапыл Сафа ҡарттың ҡарсығы донъя ҡуйҙы. Мунса инеп сыҡҡас, ҡан баҫымы күтәрелеп үлде лә ҡуйҙы. Салт аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды был ваҡиға. Ҡайғыны бик ауыр кисерҙе ҡарт. Ярты быуатҡа яҡын бергә ғүмер иткән пар аҡҡоштарҙың берәүһе яҡты донъянан китеүе – үҙе бер аяныс. Ҡапыл ҡырау һуғыуға тиң булды был юғалтыу. Сафа ҡарт көндән-көн шиңде, ауыҙына йүнләп аш та барманы. Ҡарсығы күҙ алдынан китмәне...Уның менән серләшкәндәй, үҙ алдына һөйләнеп йөрөргә ғәҙәтләнде.Ә ғүмер тигәнең үтә торҙо. Ҡарсығының вафатына ла бер йыл хәҙер. Яралар әкренләп уңалһа ла яңғыҙлыҡ ауыр кисерелде. Ҡарт һирәк-мирәк ҡайтҡылап торған балаларына ҡыуанып, уларға иҫәнлек, бәхет теләне. Ярай әле, эргәһендә тоғро эте бар. Ҡайҙа ғына барһа ла Барбосы ҡойроғон болғай-болғай артынан эйәрҙе. Ни тиһәң дә иптәш, йән эйәһе бит...Элеккеләрҙе төшөндә күреп ятҡанда Барбос ҡапыл уянып китте. Күҙ алдында хәтирәләр түгел, ә ыжғырып торған буран, ҡыш. Күптән таң атҡан. Урамда кешеләр тауышы, мал баҡырышҡаны ишетелә. Тамағы ас булһа ла ҡайҙалыр сығып, темеҫкенеп йөрөгөһө килмәне. Ниңәлер хужаһының бөгөнмө, иртәгәме ҡайтырына өмөтө ҙур. Тағы ла ҡапҡа алдына бер сығып, урам яғына ҡарап бер-ике өрөп алды ла кире һарай ышығына барып, һыйынып ҡына ятты.Күпме ваҡыт үткәндер, бер саҡ Фәнистең тауышын ишетеп, һиҫкәнеп уянды. Ни арала ҡапҡа алдына халыҡ йыйылған кемдер илай, кемдер ипләп кенә һөйләшә. Өнмө, әллә төшмө? Бер минут тирәһе ҡарап ятты эт. Юҡ! Был бит төш түгел! Өн!Барбос алға ынтылды. Хужа ҡайтҡан тигән уй башынан йәшен уты кеүек үтте. Һауыҡҡан, балалары менән ҡайтып төшкән... Ҡабат бер ҡасан да уның артынан ҡалмаясаҡ, үҙен генә бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәк...Иң тәүҙә, сабып барып, алғы аяҡтарын Фәнистең күкрәгенә һалып шыңшырға тотондо. Ләкин уның ҡайғыһы юҡ ине Фәнистә, ул еңелсә генә этте ситкә этәрҙе. Ни өсөн?! Хужаның йортон ташлап китмәгән, ихатаны һаҡлаған, хыянат итмәгән. Иң мөһиме – хужаның ҡайтыуын көткән! Ни өсөн бөтәһе лә һағышлы? Һаман да шул илау-һыҡтау, уфтаныуҙар. Ҡапҡа алдына еңел машина артынса йөк машинаһы килеп туҡтаны. Кешеләр шунда табан атланы. Машина арбаһынан йәшниккә оҡшаш, ағастан эшләнгән оҙон әйбер төшөрҙөләр. Барбос бер нәмә лә аңламаны. Табутты өйгә индергән саҡта ғына хужаһының еҫен абайлап ҡалды.Икенсе көндө иртүк бер төркөм халыҡ ҡайҙалыр йыйынды. Барбос үҙен ҡайҙа ҡуйырға ла белмәне. Инеп-сығып йөрөүсе кешеләр артынан өйгә инергә маташыуы ла күңелһеҙ тамамланды.Көн төшкә ауышҡас, табутты, ат санаһына һалып, ауыл ситенә алып киттеләр. Сафа ҡартты һуңғы юлға оҙатыусылар араһында Барбос та бар ине.Бабайҙы хөрмәтләп ерләгәс, халыҡ ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Ә Барбос хужаһының яңы ғына барлыҡҡа килгән ҡәберенә башын һалып, оҙаҡ ҡына шым ятты. Ҡара ер өҫтөнә бер-бер артлы күҙ йәштәре тәгәрәне.Туған-тумасалар өйҙәренә таралып бөтөп, эңер төшкәс, халыҡ оло юлдан әкрен генә шыңшый-шыңшый ҡайтып килгән Барбосты күреп, шаҡ ҡатты... Мират РЫҪҠОЛОВ. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
27 майҙа туғыҙынсы һәм ун беренсе класс уҡыусыларының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп осоро башланды. Беренсе булып уҡыусылар үҙҙәре һайлаған сит телдәрҙән имтихан тапшыра (инглиз, немец, француз). 2019 йылда сит телдәрҙе бөтәһе 2419 дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыусы тапшыра. Уларҙың 2387-һе инглиз, 31-е — немец һәм берәүһе француз теленән һынау тота, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан. Төп дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар сит телдәрҙән яҙма һәм телдән (шул иҫәптән «Һөйләшеү» бүлеге) имтихан тапшыра. Шулай уҡ уҡыусыларға мотлаҡ рәүештә рус теленән һәм математиканан имтихан бирергә кәрәк. Ә физика, химия, биология, рус әҙәбиәте, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан), информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ) фәндәренән үҙенә оҡшаған икәүҙе һайлау хоҡуғына эйә. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыусылар араһында йәмғиәтте өйрәнеү, информатика, география, биология һәм химия киң популярлыҡ менән файҙалана. Рус теленән һәм математиканан мотлаҡ имтихандар 28 майҙа һәм 6 июндә уҙғарыла. Бынан тыш, бөгөн, 27 майҙа, Башҡортостанда «география» һәм «әҙәбиәт» буйынса берҙәм дәүләт имтиханы башлана. Географиянан — 688, әҙәбиәттән 997 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Республикала берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу барышында 67 имтихан үткәреү пункты йәлеп ителә. Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоронда – 19 787, төп дәүләт имтиханында 43 139 кеше ҡатнаша. http://www.bashinform.ru/news/1312542-v-shkolakh-bashkirii-startoval-osnovnoy-period-gosudarstvennoy-itogovoy-attestatsii/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Кисә, 8 апрелдә, Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһын коронавирусҡа шик тыуған пациент табылыу арҡаһында йыуып таҙартыу өсөн япҡандар. Кисә, 8 апрелдә, Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһын коронавирусҡа шик тыуған пациент табылыу арҡаһында йыуып таҙартыу өсөн япҡандар. Был ауырыуҙы, тейешле инструкцияларға ярашлы, йоғошло сирҙәр стационарына күсергәндәр. Ҡалған пациенттар Өфөнөң башҡа медицина ойошмаларына ебәрелгән. Дезинфекциялап таҙартыу тамамланғас та дауахана үҙ эшен дауам итәсәк. Был турала уның баш табибы Ирина Карамова үҙенең социаль селтәрендә яҙып сыҡты. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Парламент Рәйесе участкаға килгән һайлаусылар һәм күҙәтеүселәр менән аралашты. Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Константин Толкачев сәйәси партияларҙың юғары әүҙемлек кимәлен билдәләне. «Һайлауҙар һайлаусыларҙа ла, сәйәси партиялар араһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Меңдән ашыу кандидат парламенттағы 110 урын өсөн көрәшә. Партиялар һәм улар тәҡдим иткән шәхестәр бөтә сәйәси ҡараштар даирәһен тәҡдим итә һәм һәр кеше кандидаттарҙың программа маҡсатынан сығып һайлай ала», — тине парламент етәксеһе. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. http://www.bashinform.ru/news/1207898-spiker-parlamenta-bashkirii-progolosoval-na-vyborakh-v-gossobr... Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Был ваҡиға бар ауыл һәм район халҡын шаҡ ҡатырғайны. Инде ун ике йыл үтһә лә, йылғаның шул еренән үтеп барған һәр кем әлеге ғаиләнең фажиғәһен хәтерләмәй китмәй... Был ваҡиға бар ауыл һәм район халҡын шаҡ ҡатырғайны. Инде ун ике йыл үтһә лә, йылғаның шул еренән үтеп барған һәр кем әлеге ғаиләнең фажиғәһен хәтерләмәй китмәй... Айгөл менән Ринат яратышып өйләнешә. Үҙҙәренә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Баш ҡалала юғары белем алған йәштәр ауылға ҡайтмаҫ, ҡалала ҡалып, еңел тормошта йәшәр тип фаразлаһалар ла, улар ауылды үҙ итә. Айгөл клубта эшләй башлай, Ринат - ауыл амбулаторияһында табип. Йәштәрҙе тиҙ арала үҙ итәләр. Айырыуса килен булып төшкән Айгөлдө яраталар. Ул клубта эшләп ауылға яңы һулыш өрә, гөрләтеп ебәрә, аҙна һайын матур саралар үткәрә. Ғаиләнең ауылда төпләнеп йәшәй башлауына биш йыл ваҡыт та үтеп китә, тик һаман балалары булмай. Кешеләр шыш-пыш килә башлағас, Айгөлгә сәйер төш керә. Бер малай килә лә, атай-әсәй, мине көтөгөҙ, юлға сыҡтым, ти. Тик инде һөйөнгән Айгөлдө бәләкәй малай шикләндерә лә. “Әсәй, һин ҡайғырма, тик мин оҙаҡҡа түгел”, – ти малай. Йәш ҡатын шикләнә, бик оҙаҡ уйлана был төшө тураһында. Ә инде был турала онота башлағас, ауырға ҡалғанын һиҙеп ҡала. Йәш ғаилә был ваҡиғаға ныҡ ҡыуана һәм түҙемһеҙләнеп сабыйҙы көтә башлай. Ошо шатлыҡ араһында Айгөл төшөн иҫенә төшөрөп, күңеле болоҡһоп китә, тик насар уйҙарын башынан ҡыуып, ҡыуаныслы ваҡиғаға әҙерләнеүен дауам итә. Күңеленең бер мөйөшөндә генә Айгөл, әгәр бала ҡыҙыҡай булһа, насар төшөм ысын булмаҫ һәм уны онотормон тип өмөтләнеп йөрөгән сағында, ул ир балаға ғүмер бирә. Шикләнә, ҡурҡа яңы мәшәҡәттәргә сума ғаилә. Тик уйҙары тынғы бирмәй башлағас, төшө тураһында иренә һөйләргә батырсылыҡ итә. Тормошҡа аныҡ ҡараған Ринат уны насар уйҙары өсөн әрләп ташлай, был турала башҡа һүҙ күтәрмәҫкә ҡуша. Бәләкәй Тимур, бөтәһен дә ҡыуандырып, бик аҡыллы, матур, шуҡ бала булып үҫә. Айгөл төшөн оноторға тырышып, күңеленең бер мөйөшөнә бикләп ҡуя. Әммә... Был төш тормошҡа ашыр өсөн килгән булған шул... Ул яҙ ауыл буйлап ағып ятҡан бәләкәй генә йылға ныҡ таша. Урам балалары бергә йыйылышып, йыш ҡына йылға буйында уйнарға, таш ырғытырға ярата. Бер көн ихатала уйнап йөрөгән малайҙар йәнә йылғаға барырға ҡарар итә. Иң ҙур ташты алам тигән Тимур тайып китә һәм йылғаға ҡолап төшә. Бәләкәй генә кәүҙәне ажғырып торған һыу тиҙ арала ҡаплай һәм алып та китә... Тимурҙы бөтә ауыл эҙләй. Ҡайғыһынан күҙҙәре томаланған Айгөл менән Ринат өс көн һәм төн йоҡламай, йылға буйынан ҡайтмай тиерлек. Полиция, ирекмәндәр, битараф булмаған кешеләр ҙә ярҙам итә, юҡ эҙләү һөҙөмтә бирмәй. Дүртенсе көн тигәндә илауҙан шешенеп бөткән Айгөл иҫе китеп йығыла. Уның өсөн дә ҡурҡҡан ире Ринат ҡатынын саҡ ҡотҡарып ҡала. Шул иҫһеҙ ятҡан сағында Айгөл йәнә төш күрә, уға улы Тимур килә. “Әсәй, ғәфү ит мине. Таш ныҡ матур ине шул. Мине ауыл артындағы ҙур тал төбөндә эҙләгеҙ. Нисә тапҡыр янымдан үттегеҙ, күрмәнегеҙ”, – ти. Айгөл аңына килеү менән ире Ринатты алып шул тал төбөнә йүгерә һәм ғәзиз балаҡайының кәүҙәһен таба... Был тиклем дә ауыр ҡайғыны нисек кисергәндәрҙер, аңлатырлыҡ та түгел. Ике йыл ауыл клубы бикле тора. Унан бер тапҡыр ҙа музыка, йыр-моң тауышы килмәй. Ауыл халҡы быны аңлап ҡабул итә, сабыр ғына көтә. Ә ике йыл үтте тигәндә, клуб яғынан музыка тауышы ишетелә. Кешеләр шым ҡалып, ипләп кенә клуб янына килә. Музыканы бөтә тауышына ҡуйып, сәхнәлә бейеп йөрөгән Айгөлдө күреп, берәүҙәр ҡыуана, ә икенселәр, аҡылына зәғифлек килдеме икән, тип ҡурҡып та ҡуя. Ә ҡатын бер кемгә лә иғтибар итмәй бейей ҙә бейей. Айгөлдөң ҙур шатлығы тураһында әле бер кем дә белмәй шул... Төшөнә Тимуры инеп, яҡшы яңылыҡ еткерә: ул атаһы менән әсәһе янына һеңле менән ҡустыһын ебәргән! Улар оҙаҡламай килеп етәсәк һәм был юлы оҙаҡҡа ҡаласаҡ... Фото: photosight.ru Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-y-mine-k--m-ur-tal-t-b-nd-494689/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Уҡыу йорто 1944 йылда, республикабыҙ өсөн иң ауыр осорҙа, асыла. Шул ваҡыттан алып интернат күпме баланы үҙ ҡанаты аҫтына ала, уҡыта, республика өсөн милли кадрҙар әҙерләп сығара. Был белем усағы етмеш биш йыл эшләү дәүерендә арҙаҡлы сығарылыш уҡыусылары, тәжрибәле педагогтары һәм тәрбиәселәре менән дан ҡаҙана. Республикабыҙҙың милли кадрҙарын үҫтереүгә төп өлөш индергән уҡыу йортон тамамлаусыларҙы йәмғиәттең бөтә тармағында ла осратырға мөмкин: улар араһында билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, шағирҙар, сәхнә “йондоҙ”ҙары һәм ғалимдар бик күп. Беҙҙең әңгәмәсебеҙ – гимназия-интернат директоры вазифаһын башҡарыусы Илнур Сәлихов. – Илнур Рифат улы, республика брендына әйләнгән белем биреү учреждениеһын етәкләүе үтә яуаплы миссиялыр ул? – Мин мәғарифта осраҡлы кеше түгелмен. Быға тиклем ҡала мәктәптәрендә ябай уҡытыусынан алып директорға тиклем хеҙмәт юлы үттем. Яңы коллективҡа килгәндә, апаруҡ тәжрибә туплағайным. Балалар тәүлек әйләнәһенә йәшәгән интернат спецификаһын, әлбиттә, ҡала мәктәбенеке менән сағыштырып булмай. Йыл буйына ата-әсәләренән, тыуған йорттан алыҫ булыуға ҡара­маҫтан, ыңғай тәртибе, уҡыуҙа тырышлығы, педагог­тарға ҡара­та ихтирамы менән айырылып торған балаларҙың потенциалы юғары. Беҙҙең бурыс – уларҙы оло тормош юлына лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләп сығарыу. Талапсан, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективы яр­ҙамында уҡыу­сылар рухлы, маҡсатлы, бер төптән булып буй еткерә. – Был алдынғы мәктәптә һәр ата-әсә тиерлек үҙенең балаһын уҡытырға теләй. Теләүселәрҙең көслө ағымын нисек яйға һалаһығыҙ? – Беҙгә уҡырға инеү олимпиадалар, имтихандар һөҙөмтәләре аша, белем кимәленең рейтингы буйынса ойошторолған. Әллә ниндәй һәләтле булып та, уҡымайынса, илке-һалҡы йөрө­гән уҡыусы менән, үкенескә күрә, хушлашырға тура килә. Унан алда бала менән мо­тивацияға ҡоролған, яуап­лы­лыҡҡа өндәгән әңгәмәләр уҙғарыла. Аңлаһа инде, ял­ҡаулыҡтан арынып, ең һыҙғанып белем үренә артыла. Бала яҡшы уҡыһын тиһәң, уны дәртләндереү мөһим. Әлбиттә, уға Маҡтау ҡағыҙы тейешле. Тик уҡыусы уның файҙаһын, әй­тәйек, юғары уҡыу йортона ингән мәлдә генә күрәсәк. Мин баланы хәҙерҙән үк дәрт­ләндереү яҡлы. Әгәр ҙә беҙҙең уҡыусы Бөтә Рәсәй олим­пиадаһында еңеү яулаясаҡ икән, уға һуңғы модель айфон бүләк итәсәкмен. Сөнки пьедесталда баҫып тороу өсөн бала оло һәм ауыр хеҙмәт башҡарған. Ә ни өсөн уға һуңғы модель айфон тейешле? Минеңсә, бөгөнгө замандың вундеркинд уҡыусыһы компьютер технологияларының һуңғы төрҙәре менән генә файҙаланырға тейеш. Әгәр ҙә уҡыусы информатика дәресендә бынан ун йыл элек сығарылған компьютерҙа эшләй икән, ул алдынғы була алмаясаҡ. Өйҙә генә түгел, мәктәптә лә баланы ниндәй әйберҙәр уратып алыуы бик мөһим. – Һеҙ ниндәй уҡыусыны нығыраҡ хәтерегеҙҙә ҡал­дыраһығыҙ: насарҙымы әллә алдынғынымы? – Заман мәғарифында тәрбиә эшен алып барыуы еңел түгел. Бигерәк тә, яңы класс йыйылып, төрлө яҡтан балалар йыйылған осорҙа. Коллектив форма­лашҡанда һәр кем үҙен лидер итеп күрһәтергә теләй, ошо нигеҙҙә төрлө конфликттар тыуа. Аҙна һайын тиерлек тәртибе арҡаһында проблемалар тыуҙырған уҡыусы, әлбиттә, хәтерҙә уйылып ҡаласаҡ. Был миҫалды элекке вазифамдағы тәжрибәмдән сығып әйтәм. Ә гимназия-интернат уҡыусылары, киреһенсә, юғары уҡыу күрһәткестәре, ижади үҫешеүе, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән иҫтә ҡала. Әйткәндәй, 7 – 8-се кластарҙа балаларҙы күберәк ижади һәм рухи яҡтан үҫтерергә, яңы һәләттәрен асырға тырышабыҙ. Тап ошо осорҙа баланы күрә белеүҙең һөҙөмтәһе киләсәктә ҙур буласаҡ. Бөгөн “Үргә ос” проекты өсөн гимназия эксперименталь май­ҙансыҡ булып тора. Иң ҡыуаныслыһы: балалар әлеге проектҡа ярашлы түңәрәктәргә оло теләк менән йөрөй. Мә­ҫәлән, юғары класс уҡыусылары автомәктәптә уҡый. Улар 18 йәше тулыу менән машина йөрөтөү тураһында танытма аласаҡ. Бейеү менән шөғөлләнеү, инглиз телен ныҡлап өйрәнеү, шахмат уйнау, башҡорт телен модалы итеү – быларҙың барыһы ла беҙҙең сығарылыш уҡыусыһының кимәлен күтәрә. – Гимназия-интернатты етәк­ләүегеҙгә өс ай самаһы ваҡыт уҙҙы. Эшкә килгән мәлдәге маҡсаттарығыҙ, идеяларығыҙ тормошҡа аша башланымы? – Иң тәүҙә коллективтың мине йылы ҡабул итеүенә, хуплап тороуына рәхмәтлемен. Әгәр ҙә тормош тәжрибәм етмәгән мәсьәлә килеп тыуа икән, коллегаларымдан кәңәш һорауҙы түбән эш тип һанамайым. Үҙ эшен яҡшы белгән, бурысына яуаплы ҡараған оҫта педагогтар коллективы – минең төп терәгем һәм ярҙамсыларым. Үҙем ҡасандыр бында уҡыған кеше булараҡ, иң тәүҙә уҡыу­сыларҙың туҡланыу һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатын ҡуйғайным. Мәҫәлән, республикала тәүгеләрҙән булып “швед өҫтәле” системаһына күсергә уйлайбыҙ. Бының өсөн ашхананы тулыһынса модернизациялау күҙаллана. Бындай туҡланыу өлгөһө Рәсәйҙең эре ҡала­ларында ҡолас йәйә бара. Беҙгә лә ҡасан да булһа ошо эш моделенә тотонорға тура ки­ләсәк. Әлбиттә, уҡыусылар араһында ашау мәҙәниәтен яйға һалып алғансы аҙыҡ-түлек ҡал­дыҡтары күп буласаҡ. Минеңсә, яҡшы ашаған бала яҡшы уҡыясаҡ та. Милләт, ил килә­сәген тәрбиәләгәндә икмәкте һанап биреү дөрөҫ түгел. Тағы ла матди базаны яҡшыртыу, ә педагогтарҙы тәжрибә туплау буйынса төрлө курсҡа ебәреүҙе күҙ алдында тотам. Бындай саралар, компьютер яңы режимда эшләргә өйрәнгән кеүек, педагогҡа өр-яңынан “бушанырға” һәм яңынан “тулыланырға” ярҙам итә. Көн дә тиерлек үҙгәреп торған заман мәғарифы уҡытыусыларҙан тулы “перезагрузка” талап итә. Борис Ғөзәйеров етәксе­легендәге “Беренсе” ассоциа­цияһы менән тығыҙ эшләйбеҙ. Мәктәпте тамамлаусыларҙан торған йәмәғәт ойошмаһы ысын мәғәнәһендә гимназия-интер­наттың бөгөнгө хәленә битараф түгел, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. – Әңгәмә өсөн рәхмәт! Белем һәм рух һаҡсылары Гимназия-интернаттың бай тарихына сығарылыш уҡыусы­ларының ғына түгел, уҡытыу­сыларҙың исемдәрен дә алтын хәрефтәр менән яҙырға мөмкин. 75 йылда төрлө быуын уҡы­тыусылары, гимназия данын күтәреп, балаларға төплө белем биреп эшләй. Уларҙың исеме уҡыусылары күңелендә мәңгегә уйылған. Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостандың педагогик һөнәри конкурстары еңеү­селәре, гранттар эйәләре, РФ-ның, БР-ҙың мәғариф алдын­ғылары һәм отличниктары Рәсимә Алламоратова, Гөлдәр Әхмәтова, Гөлсәсәк Ҡылысова, Гөлнара Белоногова, Лилиә Ғабдуллина, Зөлфиә Зиннәт­шина, Зифа Искәндәрова, Альбина Кайбышева, Әлиә Мәх­мүтова, Рәйлә Хилажева, Гөлнара Рамазанова, Римма Тимербулатова, Сәкинә Тотманова, Динә Фазылғаянова, Рәй­лә Юнысова, Айгөл Мырҙашева, Альбина Ғәлина, Лилиә Әми­нева, “БР-ҙың йәш педагогы” гранты эйәһе Илнур Зәйнет­динов юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, эҙмә-эҙлекле эш алып бара, һайлаған һөнәренән йәм табып, сәмләнеп, тыуған мәктәбенә тоғро хеҙмәт итә. Ә уҡыусылары берҙәм дәүләт имтихандарында йөҙ мәрәй йыйған педагогтарға килгәндә, улар – Әмир Ғәлекәев, Илнур Зәйнетдинов, Фая Мөхәмәтвәғизова, Гөлнара Рамазанова. Шулай уҡ Әлфиә Миһранова, Альбина Насирова, Әминә Баймөхәмәтова, Илшат Шакиров кеүек эшһөйәр уҡытыусылар менән алдынғы был белем усағы. Ә йәш уҡытыусыларҙан Рөстәм Кө­мөшбаев, Резеда Шәрәфет­динова, Айгөл Мөхәмәтйәнова үҙ фәнен яратып, илһамланып өйрәтә. Гимназия-интернат тормошонда физкультура һәм спорт ҙур урын биләй, Айрат Мәғдәнов “Шоңҡар” спорт комплексын етәкләй. Бында РФ-ның атҡаҙанған физкультура һәм спорт хеҙмәткәре Жәлил Йосопов етәкселегендә көрәш секцияһы эшләп килә. Һәр уҡыу йылында көрәш миҙ­гелен Рәми Ғарипов исе­мендәге турнир асып ебәрә. Еңел атлетика түңәрәген РФ-ның физкультура һәм спорт отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәйзулла Абдрафиҡов етәкләй. РФ-ның физкультура һәм спорт отличнигы Гөлфиә Зәйнет­динова волейбол буйынса көслө командалар әҙерләй. Шулай уҡ Ғәдинан Ғайсин, Эльвира Ҡунысбаева уҡыу­сыларҙың спорт һәләтен асыуға күп көс һала, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Бында һәр педагог ғүмерен гимназияға бағышлай, ваҡытын, көсөн йәлләмәй. Улар белем яғынан ғына түгел, башҡорт телен, рухын һаҡлап ҡалыу өсөн дә ең һыҙғанып эшләй, кәрәк икән, уның өсөн көрәшергә лә, яҡлап сығырға ла ҡурҡмай. Тәрбиәселәр – икенсе әсәйҙәр Гимназия-интернатта барлығы 44 тәрбиәсе эшләй: класс менән эшләүсе, ял көндәрендә һәм төндә балаларҙы ҡараусылар. Уларҙың эше баһалап бөткөһөҙ һәм оло маҡтауға лайыҡ. Балаларға маяҡ булып тороусы Минзәлә Шәри­пова, Римма Нәбиева, Римма Иҫәнбаева, Фәнүрә Бәхтегәрәева, Ғәйшә Хәйруллина, Таңһылыу Бикмуллина, Фәүзиә Шафиҡова, Рәзилә Өмөтбаева егерме йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаны. Ошо йылдар эсендә күпме бала уларҙың аҡыллы кәңәштәрен, фатихаһын алып, оло тормош юлына аяҡ баҫты. Шулай уҡ Дилара Ғәбитова, Гөлнара Вахитова, Фәнзилә Яҡупова, Ләйлә Әбилова, Алһыу Иссурина бала­ларҙың проблемаларын үҙе­некеләй күреп хәл итешә, уртаҡ­лаша һәм уларҙың ныҡлы таянысына әйләнгән. Тәрбиәсе эше тәү ҡарашҡа ғына бик ябай һөнәр кеүек. Ауыр һәм яуаплы тәрбиәсе эшен оҙаҡ йылдар дауамында бик һирәктәр генә алып бара ала. Бының өсөн түҙемле булыу, балаларҙы яратыу мөһим. Ипле, тыныс холоҡло тәрбиәсе балаларының һәр яҡшы эшенә ҡыуанып, яңылышлыҡтарына борсолоп, хаталарын төҙәтеп, наҙлы ҡарашы, йылы һүҙҙәре менән уларҙың күңеленә юл һала ала. Интернатҡа уҡырға килгән ба­лаларға тәүге тормош дәрестәрен, ятаҡта йәшәү тәртибен, санитар-гигиена талаптарын, үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен дә тәрбиәсе өйрәтә. Ата-әсәһен, тыуған ауылын һа­ғынып илаған балаларҙың эргә­һендә булып, уларҙы ташламаған, йомшаҡ ҡулдары менән баштарынан һыйпаған, арҡаһынан һөйгән, ҡосағына алған кеше лә ул тәрбиәсе. Ниндәй генә темаларға класс, тәрбиәүи сәғәттәр, әңгәмәләр, асыҡ һөйләшеүҙәр, оло шәхестәр һәм башҡа күренекле кешеләр менән осрашыуҙар үткәрмәй?! Ул ойошторған экскурсиялар, походтар, сәйәхәттәр һуң?! Ошондай сараларҙа балалар айырыуса бер-береһенә, тәрбиәсегә нығыраҡ яҡыная, берҙәм, ойошҡан коллектив барлыҡҡа килә. Гимназиянан ҡатмарлы тормош­ҡа әҙер булған, аҡыллы, мәҙә­ниәтле, тәрбиәле шәхестәр үҫеп сыға. Ә был – тәрбиәсенең эш һөҙөмтәһе. Уҡыусыларының тәрән белем алып, тормош үрҙәрен яулауында, илгә, халыҡҡа кәрәкле, төрлө өлкәлә үҫешкән кешеләр булып формалашыуында, үҙ ғаиләһен, шәхси тормошон икенсе планға ҡалдырып, эшенә мөкиббән киткән Тәрбиәсенең роле бик ҙур. *** Төрлө мәғариф сараларында “гимназистар”ҙы күҙҙәре уттай янып тороуынан әллә ҡайҙан уҡ танырға була. Һәләтле бала­ларҙы асыҡлау, уларҙың ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, уҡыусыларға төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән ғилми-тикшеренеү эшмә­кәр­легендә үҙҙәрен күрһәтеү өсөн, төрлө түңәрәк­тәрҙән тыш, Кесе фәндәр ака­демияһы ойошто­ролған. Был эште 2001 йылда Ғилман Ҡашҡаров башлап ебәрә. Артабан Зи­фа Искән­дәрова да­уам итһә, бөгөн академияны Альбина Ғәлина етәкләй. Тырыш, талапсан уҡытыусы Альбина Кайбышева етәк­ләгән “Аҡ ҡауырһын” әҙәби түңәрәге тарихы интернат асылған осорға барып тоташа. Республиканың матбуғат, радио-телевидениеһында эшләүсе билдәле журналистар, күре­некле яҙыусылар, шағирҙар тәүге ижади емештәрен ошо түңәрәктә ижад итеп, ҡәләмен һынаған, тәжрибә туп­лаған. Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры Рәми Ғари­пов та был түңәрәктә ихлас шөғөл­ләнә, хис-тойғоға бай тәүге шиғыр­ҙарын ижад итеп кенә ҡалмай, түңә­рәктең ҡулъяҙма журналын, гәзит сығарыу эшен дә алып бара. Йылдар үтеү менән, бында шөғөлләнеүселәр һаны кәмемәй. 2004 йылдан алып түңәрәк “Аҡ ҡауырһын” тип атала башлай. Ҡайһы берәүҙәр “Аманат” журналы, “Йән­шишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе тигән маҡ­таулы исемгә, мәктәптең Рәми Ғарипов пре­мияһына лайыҡ булды. Йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ илһам бирә, бер аҙ һағыш­ландыра ла, сәләмәтлеккә лә ыңғай тәьҫир итә. Бер йөрәктә тыуған йыр мең йөрәкте ҡуҙғытып, йәндәрҙе таҙартыу, йөрәктәрҙе сафлау көсөнә эйә. Гимназия-интернаттың “Гәлсәр” хор ансамбле 2016 йылда төҙөлә. Төрлө йәштәге уҡыу­сыларҙан торған хор сафы йылдан-йыл тулылана бара. Ансамбль етәксеһе Айгөл Ишбаева менән концертмейстер Альбина Закирова – үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, сәнғәткә ғашиҡ педагогтар. Репертуарҙа, башҡорт халыҡ йырҙарынан тыш, баш­ҡорт композиторҙарының музыкаль әҫәрҙәре, халыҡ йыр­ҙарының эшкәртелгән варианттары ла бар. Шулай уҡ ансамбль тарафынан рус, сит ил композиторҙарының классик һәм популяр әҫәрҙәре лә яратып башҡарыла. Гимназияла үткән бөтә сара хор башҡарыуында Рәсәй һәм Башҡортостан гимн­дары менән башланып китә. Өс йылда ансамбль, төрлө кимәлдәге конкурс-фести­вал­дәрҙә ҡатнашып, лауреат һәм дипломант исемдәрен алырға ла өлгөрҙө, коллектив Волга бу­йының иң яҡшы өс мәктәп хоры иҫәбенә инде. Ҡыҫҡаһы, “Гәлсәр” – гимна­зияның исеме есеменә тура килеп торған аҫылташы, ғорур­лығы. Уҡыусылар “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей-бейей оҫтара. 2004 йылда Әнүәр Шафиҡов нигеҙ һалған ансамбль республика конкурстарында еңеүсе булып дан яуланы, солистары “Байыҡ” телевизион конкурсында бер нисә тапҡыр юғары оҫталыҡ күрһәтте. Гимназия-интернат – ЮНЕСКО-ның ассоциациялы мәктәптәре иҫәбендә. Инглиз теле уҡы­тыусыһы Рәйлә Хила­жева етәкселегендә уҡыу­сылар педагогтар менән бергә төрлө халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнаша һәм еңеү яулай. Был йүнәлеш балаларҙы ижади һәм мәҙәни аралашыуға, йәш таланттарға төрлө яҡлап үҫергә мөмкинлек бирә. Башҡорт иле эсендәге бәләкәй башҡорт дәүләте ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты. Милли мәктәптәр араһында алдынғы булып, бар яҡтан өлгө күрһәтеү өсөн бында йәше-олоһо көс һала. Башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки тиҫтәләрсә йыл буйына ныҡлы йола йәшәй: беренселәр пози­ция­һынан ситкә тайпылырға ярамай! Киләсәктә лә милләтемде, моңомдо һаҡлаған ғәзиз йорт булып ҡал, гимназия! https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/obrazovanie/mill-temde-mo-omdo-a-la-an-ziz-yort-in-gimnaziya/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуына күптәр “Быйылғы ҡыш шулай тиҙ генә башландымы икән ни...” – тигән ҡарашта булыуын белдерҙе. Әммә синоптиктарҙың үҙ фаразы. Үткән ял көндәрендәге, бөгөнгө дүшәмбегә ҡараған төндәге -16, республиканың көньяҡ райондарында -21 градусҡа еткән һыуыҡтар урынына бер аҙ йылы һауа торошо киләсәк. Бөгөн, 16 ноябрҙә, аяҙлы-болотло буласаҡ, көндөҙгө һауа температураһы -12...-9 градус тирәһе, төндә -15 тирәһе. Әлеге һауа торошо аҙна уртаһына тиклем күҙәтеләсәк, ти синоптиктар. Кесаҙнанан бер аҙ йылыта. Республиканың үҙәк райондарында һәм Өфөлә көндөҙ -5...-2 градус буласаҡ. Еңелсә ҡар яуыу ихтималлығы бар. Синоптиктар ошондай һауа торошоноң (көндөҙ -7...-2, төндә -10 градусҡаса һыуыҡ) ноябрь аҙағына тиклем һаҡланасағын күҙаллай. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Инфекция ҡорбандарының дөйөм һаны 5567-гә еткән. Һуңғы тәүлектә биш пациент яҡты донъя менән хушлашҡан... Ковидтан 5 кеше мәрхүм булған Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш штабы ауырыу йоҡтороу буйынса мәғлүмәттәрҙе яңыртты. 12 апрелгә ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 281 785 кеше тәшкил иткән, был бынан алдағы тәүлеккә ҡарағанда 384 осраҡҡа күберәк. Әле 11 пациент – дауаханала, 2 483-ө өйҙә дауалана. Бөтәһе 273 624 кеше һауыҡҡан, уларҙың 511-е – һуңғы тәүлектә. Инфекция ҡорбандарының дөйөм һаны 5567-гә еткән. Һуңғы тәүлектә биш пациент яҡты донъя менән хушлашҡан.
Рәсәй Президенты Раштыуаны билдәләгәндән һуң, Сүриәгә осто. Аэропортҡа килеп төшөү менән ул был илдәге беҙҙең ғәскәрҙәр урынлашҡан базаға юлланды. Путинды бында Сүриә Президенты Бәшәр Асад үҙе ҡаршыланы. Дәүләттәр башлыҡтары ошо төбәктәге хәл-торош тураһында отчет тыңланы, шунан ике яҡлы һөйләшеүҙәр башланды. Рәсәй Президенты белдереүенсә, Сүриә дәүләтселеген тергеҙеү, илдең сиктәрен һаҡлап ҡалыу буйынса бик ҙур эш башҡарылған. Дамаск урамдарында имен тормош билдәләрен торған һайын йышыраҡ күрергә мөмкин. Ахыры, был яҡтарҙа тыныслыҡ буласаҡ? Булмаҫтыр. Сөнки АҠШ менән Иран, Ираҡ араһы боҙҙай туңырға самалай. Сүриә лидеры Бәшәр Асад Владимир Путинды Раштыуа менән ҡотланы. Аҙаҡтан делегациялар тәүҙә илдең баш ҡалаһындағы ҙур мәсеткә, аҙаҡтан православие сиркәүенә барҙы. Әйткәндәй, мәсеткә лә Путин буш ҡул менән килмәгән – XVII быуаттан бирле һаҡланған Ҡөрьән Кәрим китабын бүләк иткән. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Республикабыҙҙың үҙәге - ҡап уртаһы ҡайҙа тиһәгеҙ, ул Ғафури районының төньяғындағы Ерек ауылында урынлашҡан. Башҡортостандың географик үҙәге бер нимәһе менән дә иғтибарҙы йәлеп итмәй. Махсус рәүештә бында килергә лә кәрәкмәй, бары тик ҡайҙалыр юлланғанда, мәҫәлән, Таш-Аҫты ауылы янына Еҙем йылғаһы буйындағы ҡаяларға һәм Киндерле мәмерйәһенә барышлай туҡтап китергә мөмкин. Тап шуға ла республика Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам Фонды тарафынан тормошҡа ашырылған беҙҙең “Башҡортостан йөрәге” тип аталған халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы проекты Еҙем йылғаһы ярында, Уҡлыҡая итәгендә урынлашасаҡ. Йыл һайын был майҙансыҡта халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм район фестивалдәре үтеп, унда Ғафури районы кешеләре үҙҙәренең белемен, һәләтен һәм оҫталығын күрһәтергә тырыша. Шулай уҡ төрлө туристик фирмалар ойошторған Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшөүҙәр тап Уҡлыҡая ҡаяһы янында тамамлана. “БР Ғафури районы муниципаль районы үҫешенә ярҙам” Хәйриә фондының “Башҡортостан йөрәге” халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы проекты Ғафури районының һәм дөйөм республиканың брендын булдырыуға ҡоролған. Проекттың төп маҡсаты - үҫеп килеүсе йәш быуынға Ғафури ра- йоны биләмәһендә йәшәгән төрлө милләттәрҙең халыҡ кәсептәренә ҡыҙыҡһыныуын уятыу. Проекттың етәксеһе – район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин, ә идея район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтыҡы. Тап ошо проект буйынса районыбыҙ 2 872 000 һумлыҡ грант отоуға өлгәште. Халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы ҡурай сәскәһе рәүешендә 8 тирмәнән торасаҡ. Үҙәк һәм иң ҙур тирмә конференц-зал хеҙмәтен үтәйәсәк, унда конференциялар, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдәгеләрен уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырыласаҡ. Өс мөйөштә урынлашасаҡ өс тирмәлә башҡорт милли биҙәүестәрен, башҡорт халыҡ ҡоралдарын һәм милли ризыҡтарҙы әҙерләү оҫтаханалары урын аласаҡ. Башҡа дүртәүһендә Ғафури районының һәм Башҡортостан Республикаһының иң эре: башҡорт, татар, рус, сыуаш милләттәре күрһәтеләсәк. Проект Ғафури район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге һәм шәхсән бүлек начальнигы Руслан Ришат улы Зәйетов ярҙамы менән барлыҡҡа килде. Һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү һәм ярҙам фондының "Алға" проектында ҡатнашып, еңеүсе булды. Гөлназ МИРХӘЙҘӘРОВА, “Башҡортостан йөрәге” проекты менеджеры. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Дуҫтар, Башҡортостанда тағы ла яңы кино төшөрөлә башлай. Был юлы уның төп геройҙары – балалар. “Рәсәй мәктәптәрендә – кинодәрестәр” тигән проект тураһында беҙ былтыр гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде. Санкт-Петербургтан ошо проекттың етәксеһе Виктор Меркулов һәм режиссер, сценарист Елена Дубровская Өфөгә килеп, үҙҙәренең эше менән таныштырып киткәйне. Был проекттың үҙенсәлеге шунда: тәүҙә «Киноэкология» тигән акцияла уҡыусылар иҫке ҡағыҙ йыйып тапшыра, уның аҡсаһы фильм төшөрөүгә китә. Шулай итеп, һәр уҡыусы бында үҙ өлөшөн индерә ала. Әле проектҡа Рәсәйҙең 600-ләп мәктәбе ҡушылған. 2015 йылдан алып 20-нән ашыу фильм төшөрөлгән. Проект авторҙарының маҡсаты – биш йыл эсендә 100 ҡыҫҡа метражлы картина төшөрөп, мәктәптәрҙә уҡыусыларға ай һайын бер кино ҡарарға тәҡдим итеү. Уларҙың йөкмәткеһе балаларҙа тик яҡшылыҡ, изгелек, ярҙамсыллыҡ, яуаплылыҡ кеүек яҡшы сифаттар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ниһайәт, Башҡортостандың да проектҡа ҡушылыуы ҡыуаныслы. Бер түгел ике фильм төшөрөлөүе тураһында һүҙ бара: “Ел йыры” һәм “Батыр”. Беҙҙең республиканың Рәсәй мәктәптәренә күрһәтерлек матур урындары ла, батырҙары ла етерлек. Бөгөн Өфөлә Экология министрлығында кастинг буйынса һайлап алынған йәш актерҙар менән кадрҙар төшөрөп ҡараясаҡтар. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Сибайҙа экологик хәл тураһында сираттағы оператив кәңәшмә уҙҙы. Хакимиәт, ҡала дауаханаһы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәре доклад менән сығыш яһаны. «20 ғинуарға һәм 21 ғинуар иртәһенә ҡарата Сибайҙа көкөрт диоксиды буйынса норманың артыуы теркәлмәне, — тип билдәләне оператив кәңәшмәлә ҡала мэры Рөстәм Афзалов. — Әле эндоген процестарҙы бөтөрөү эшенә баҫым яһала». Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, уҙған аҙнала республика медицина ойошмалары табиптары 807 пациентты ҡабул итте. Өс йүнәлеш буйынса яҙылыу бара: балалар, өлкәндәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы. Табиптар Ҡырым шифаханаларына юлламалар һатыу тураһында мәғлүмәтте лә кире ҡаҡты. «Социаль селтәрҙәрҙә 1000 һумға Ҡырым шифаханаларына сират йәки юлламалар һатыу тураһында хәбәр таралды. Улар бөтөнләй бушлай. Беҙ бер ҡасан да бының менән шөғөлләнмәнек һәм шөғөлләнмәйбеҙ ҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай кешеләр һәр саҡ бар инде», — тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫараы Динара Еникеева. Яҡын арала ведомство Башҡортостан һәм Ҡырым шифаханаларына дауаланырға барырға тейешле балаларҙың һәм оло йәштәгеләрҙең исемлеген төҙөй. Тәү сиратта унда медицина күрһәтмәһе булған сибайҙар бара, тине табиптар. http://www.bashinform.ru/news/1263143-vrachi-oprovergli-informatsiyu-o-prodazhe-putevok-v-krym-dlya-sibayskikh-detey/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Өфөнөң Еңеү паркында тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҙғарған сара Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» маҡтаулы исемен биреүгә бағышланды. Рәсәй президентының тейешле указына 2 июлдә ҡул ҡуйылды. Республика Йортоноң матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, башлыҡ Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән сәскәләр һалды. Паркта республика етәксеһе ветерандар һәм өфөләр менән аралашты, уларҙы мөһим ваҡиға менән ҡотланы. Республика башлығы ҡаланың статусын яңы архитектура объектында сағылдырыу пландары хаҡында һөйләне: «Был исем – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе яҡынайтҡан һәм тылда эшләгән меңләгән кешенең хеҙмәтен таныу ул. Был ил президентының ҡалабыҙ тарихын хөрмәт итеүе лә, шуныһы бик һөйөнөслө. Был беҙҙе ҡанатландыра һәм артабан эшләү теләген тыуҙыра. Бөгөн беҙ был фактты ниндәйҙер һәйкәлдә сағылдырыу йәки Өфөгә ингән ерҙә триумфаль арка ҡуйыу тураһында уйлайбыҙ». Фото: Олег Яровиков https://www.bashinform.ru/bash/1469373/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы "Инвестиция сәғәте"н үткәрҙе. Унда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармағында яңы башланғыстар ҡаралды. Яңы проекттар хупланды "Башҡорт туңдырмаһы" базаһында яңы фабрика төҙөлә. Был проект 2020 йылдың апрелендә хупланғайны. 2025 йылға йылына 10 мең тонна туңдырма етештереү күҙаллана. Радий Хәбиров инвесторҙарға парктарҙа, башҡа йәмәғәт майҙандарындағы туңдырма һатыу нөктәләренең дизайнын ҡарарға ҡушты. Мәләүез районының "Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһын киңәйтеү күҙаллана. Был маҡсатта 765,5 млн һум аҡса һалырға ниәтләйҙәр. Проект өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелде. Өфө районында "Добрый картон" компанияһы гофротара етештереү заводын асмаҡсы. 50 яңы эш урыны булдырыу ҡарала. Йылына 70 млн тонна ҡатырға сығарыусы заводҡа инвестиция күләмен 280 млн һум тип билдәләгәндәр. "MadyArt" компаниялар төркөмө ике тегеү фабрикаһын - «Фемина» һәм «Фортуна»ны - яңыртыу буйынса проектты ғәмәлгә ашыра. Цехтар Өфөлә, Бөрөлә һәм Салауатта урынлашҡан. Интернетта кейем-һалым әүҙем һатыла. Тик етештереү күләмен арттырыу өсөн квалификациялы тегенселәр етмәй. Был йәһәттән республика етәксеһе хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу кәрәклеген белдерҙе. Иң мөһиме - лайыҡлы эш хаҡы. - Беҙ производствоны яңыртыуға булышлыҡ итербеҙ. Кадрҙар мәсьәләһе - еңел сәнәғәт өсөн системалы хәл ителергә тейеш. Хеҙмәт хаҡын күтәреүҙе эҙмә-эҙлекле башҡарыу мөһим, - тине Радий Хәбиров.
- Әллеү, тим,әхирәт, хәлең нисек? Ә-ә-ә...Ярай шул.. Эйе, эйе. Аһ-аһ! Улай икән дә...Ай, Аллаҡайым! Әстәғәфирулла! Шулайҙыр инде...Ишетелмәй, тиһеңме? Ҡайтып барам, тим, Салауаттан. Ҡаланан, тим, ҡаланан. Баҙарға килгәйнем. Юҡ, һеҙгә нисек инәйем, әхирәт, өйҙә бабай көтә бит. Үҙең килерһең әле. Әллеү! Ишетәһеңме? Ҡаҙ йолҡошорға килерһең, тим. Күп түгел быйыл, унау ғына ул. Мин бит...Әллеү! Әхирәт, ҡайҙа юғалдың? Өҙөлдөмө шул? - Әллеү, тим,әхирәт, хәлең нисек? Ә-ә-ә...Ярай шул.. Эйе, эйе. Аһ-аһ! Улай икән дә...Ай, Аллаҡайым! Әстәғәфирулла! Шулайҙыр инде...Ишетелмәй, тиһеңме? Ҡайтып барам, тим, Салауаттан. Ҡаланан, тим, ҡаланан. Баҙарға килгәйнем. Юҡ, һеҙгә нисек инәйем, әхирәт, өйҙә бабай көтә бит. Үҙең килерһең әле. Әллеү! Ишетәһеңме? Ҡаҙ йолҡошорға килерһең, тим. Күп түгел быйыл, унау ғына ул. Мин бит...Әллеү! Әхирәт, ҡайҙа юғалдың? Өҙөлдөмө шул? Уф! Мин еңел һулап ҡуйҙым. Ярай бәйләнеш өҙөлдө әле, автобуста йәнәш ултырған апайҙың тауышы башыма ҡаба башлағайны инде. Әхирәте яңынан шылтыратып ҡуймаһын, тип, теләп кенә ултырам. Өфөгә эш менән барғайным. Әле шунан ҡайтып килеүем. Башым ауыртыуын һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Таңғы дүрттән аяҡ өҫтөмөн бит. Баш ҡалаға таксиҙа юлланғайным, ҡайтыу иһә маршруткаға ҡалды. Урыным ошо бер туҡтауһыҙ телефон аша хәбәр һатҡан апай менән йәнәш тура килде. Урынына инеп ҡунаҡлау менән сумкаһынан телефонын һөйрәп сығарып, хәбәрен яра ла башланы ул. Ауылдағы бабайына шылтыратты, ҡыҙы менән килененең хәлдәрен белеште. Аҙаҡҡы һөйләшеүе әхирәте менән булды. Уның аты – юлы менән һатҡан хәбәренән ҡураһында нисә баш малы, ҡош-ҡорто барлығын, Салауат баҙарындағы хаҡтарҙы, килененә булған мөнәсәбәтен, кейәүенең түрә икәнен самаланым. Сабыр кешемен үҙем. Өндәшмәнем. Асыуым килһә лә, оло кешене ҡайһылайтып шелтәләп ултырмаҡ кәрәк? Күсеп кенә ултырыр инең, автобус шығырым тулы. Хәйер, уның һөйләгәндәрен алда ултырыусы водитель дә ишетә, көҙгөһөнән бик йыш беҙҙең яҡҡа күҙ ташлай, тик апайға һүҙ әйтергә ҡыймай был ҡыйыуһыҙыраҡ йәш егет. Ярай әле аҙыраҡ барғас күршем йоҡлап китте. Мин дә тынысландым. Тик был оҙаҡҡа барманы. Минән алда ултырған йәш ҡыҙҙың телефоны шылтыраны. Оҙаҡ ҡына һөйләште ул. Быныһы инде апай ише яр һалып хәбәр һатмай, мығырҙығы сыға. Күпмелер ваҡыт түҙҙем. Шунан башым ауыртыуы хаҡында ипле генә итеп әйттем. «Минеке ауыртмай бит!». Яуабы ошо булды. Икенсе, өсөнсө тапҡыр әйтеүем дә һөҙөмтә бирмәне. Ул, киреһенсә, миңә үсләшеп, үҙе бер туҡтауһыҙ шылтыратырға тотондо. Әле бер, әле икенсе кешенең һандарын йыя. Уның хәлен, проблемаларын егермеләп кеше тыңлауында эше лә юҡ! Шул ыңғай ҡысҡырып көлөп тә ебәрә, бәхәскә лә инеп китә. Был һөйләшеүҙәрҙән ҡыҙҙың тормошон, йәшәү рәүешен самаланым. Салауаттан Мәләүезгә килеп еткәнсе ҡолағынан телефон китмәне. Миңә мыҫҡыллы ҡараш ташлап, автобустан төшөп ҡалды... Бындай хәлдәр аҙым һайын осрап тора. Телефонһыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын хәҙер. Күп мәшәҡәтте тап шуның аша хәл итергә өйрәнеп бөттөк. Уңайлы, һүҙ ҙә юҡ. Тик бына телефон аша һөйләшеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре барлығын онотоп ебәрәбеҙ. Ни эшләп беҙҙә «Телефондан һөйләшеү тыйыла!», «Шым һөйләшеү һорала», «Тыныслыҡ һаҡлағыҙ!» тигән иҫкәртеү тамғалары бик һирәк урындарҙа ғына күренә икән?! Ниңә «Эсмәҫкә!», «Тәмәке тартмаҫҡа!», «Ишекте ныҡ итеп япмаҫҡа!» тигәндәренә телефонды дөрөҫ ҡулланыу ҡағиҙәләрен дә ҡушмаҫҡа? Кешеләр барыбер уҡыр, иғтибарға алыр ине уларҙы. Бигерәк тә аҡыл, тәрбиә кимәле түбән булғандарға бик тә ярап ҡалыр ине ул иҫкәртеүҙәр. Кемдер кеше араһында ҡысҡырып һөйләшә, йәмһеҙ ҡылана икән, ул тик үҙенең тәртипһеҙлеген иҫбатлай, иң тәү сиратта, үҙен хөрмәт итмәй, унан килеп, әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Тормоштоң яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундары бар. Шуларҙы иҫтән сығармаһаҡ ине. Әйләнә-тирәләгеләргә хөрмәт менән ҡарарға, иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға өйрәнһәк ине, тим. «...Әллеү, тим, әхирәт, хәлең нисек?» Теге апайҙың тотош автобусҡа һыймаҫ тауышы әле булһа ҡолағымда яңғырап киткәндәй була.
Башҡортостан синоптиктары республикаға ҡыш яҡынлашыуы тураһында белдерҙе. Тәүге ҡар яуыуы, ҡырау төшөүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Башҡортостан синоптиктары республикаға ҡыш яҡынлашыуы тураһында белдерҙе. Тәүге ҡар яуыуы, ҡырау төшөүе, ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Уҙған аҙнала Башҡортостанда аномаль йылы булды, ләкин был аҙнала уҡ республикала йәшәүселәр ҡыштың яҡынлашыуын һиҙер, тип хәбәр итте Башгидромет. Атмосфера фронты Башҡортостан биләмәһенә Арктика һыуығын алып килә. 20-22 октябрҙә һауа температураһы төндә +1-ҙән,+6-нан -1,-6 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -10-ға тиклем, көндөҙ +5,+10 була, көньяҡ райондарҙа +15-тән -1 градусҡа хәтлем. 22 октябргә ямғыр урынына бер епшек ҡар яуа башлай. 21, 22 октябрҙә төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ күренештәре булыуы ихтимал. 22 октябрҙә республиканың көнсығышында ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин. Һауа торошо үҙгәреп торған ваҡытта автомобиль йөрөтөүселәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш бирәләр. https://www.bashinform.ru/news/1509397-v-bashkirii-na-etoy-nedele-ustanovitsya-vremennyy-snezhnyy-pokrov-/
Ял көндәрендә үк температураның ҡапыл үҙгәреүе көтөлә. 6 февралдә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә плюсҡа тиклем күтәрелһә, ә йәкшәмбенең төнөндә температура киҫкен – 13 градусҡа төшәсәк. Ә бына февраль айының икенсе аҙнаһы тағы ла һалҡыныраҡ булыр, тип иҫкәртәләр. Яуым-төшөм көтөлмәй. Термометр бағаналары төнөн – 30 градусҡа тиклем төшөргә мөмкин, тип фаразлай "Гисметео" порталы. Фото интернет селтәренән. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.