text
stringlengths
369
192k
Башҡортостанда көҙгө мәктәп каникулын 9 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде, тип белдерҙеләр коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышынан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә. Башҡортостанда көҙгө мәктәп каникулын 9 ноябргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде, тип белдерҙеләр коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышынан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Роспотребнадзор етәкселәре уҡыусыларҙың ял ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, СOVID-19 менән бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы арҡаһында уҡыусылар каникулға бер аҙнаға алданыраҡ — 17 октябрҙә үк сыҡты. Уҡыуҙар киләһе кесаҙна, 5 ноябрҙә, башланырға тейеш ине. Уҡыусыларҙы аҙна аҙағына тиклем каникулда ҡалдырырға хәл ителде. Улар өсөн дәрестәр 9 ноябрҙә башлана. «Беҙ инкубация осорон өҙөрбөҙ һәм балаларыбыҙ элекке кеүек мәктәпкә йөрөй алыр», – тине Радий Хәбиров. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Беҙ уның әйләнеп ҡайтырын көтмәһәк тә, пеня йәнә тормошобоҙға килеп инеп, күптәрҙең кәйефен боҙоуы ихтимал. Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе һуңлатҡан йәки йылылыҡ һәм эҫе һыуға тулыһынса аҡса түләмәгән өсөн штраф һала башлаясаҡтар. Беҙ уның әйләнеп ҡайтырын көтмәһәк тә, пеня йәнә тормошобоҙға килеп инеп, күптәрҙең кәйефен боҙоуы ихтимал. Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе һуңлатҡан йәки йылылыҡ һәм эҫе һыуға тулыһынса аҡса түләмәгән өсөн штраф һала башлаясаҡтар. Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында штрафһыҙ осорҙоң ҡасан тамамланыуын белдерҙеләр.2021 йылдың 1 ғинуарынан башлап коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән фатир хужаларын пеня һәм штрафтар көтә. 2020 йылдың апрелендә ҡабул ителгән ҡарарҙың срогы декабрҙең һуңғы көнөндә тамамлана. Законға ярашлы, яңы йылдан башлап пеня бурыстың бөтә суммаһына, шул иҫәптән 2020 йылдағы бурысҡа ҡарата ла иҫәпләнәсәк. Шуға күрә өҫтәмә сығымдарҙан ҡотолоу өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе кисектермәҫкә, тулы күләмдә һәм ваҡытында түләргә кәңәш итәбеҙ. Фото: oboiman.ru "Башҡортостан" гәзитенән. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Уҡыу планына ярашлы, өсөнсө сирек 14 ғинуарҙа башланырға тейеш, әммә быйыл уҡыусылар мәктәпкә 11 ғинуарҙа барасаҡ. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы белдерҙе, әммә ведомствола был ҡарарҙың сәбәбен әлегә аңлатманылар, тип яҙа “UfaTime.ru” баҫмаһы. Ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың фаразлауынса, бының көҙгө каникулдың оҙайтылыуы менән бәйле булыуы ихтимал. Белеүебеҙсә, коронавирус пандемияһы сәбәпле уҡыусыларҙың көҙгө каникулы оҙайтылып, айырым кластар беренсе сиректән һуң дистанцияла уҡыуға күсерелгәйне. Был алым 7 декабрҙә бөтөрөлдө. Ҡышҡы каникулдан һуң да мәктәп уҡыусылары тулыһынса оффлайн алымда, йәғни мәктәпкә йөрөп белем аласаҡ тип күҙаллана. Т. Аманов фотоһы. Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/ish-i-kanikuldi-ni---g-rt-l-r-616456/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө алдынан Башҡортостан Башлығы республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тантаналы тапшырҙы. Бөгөн ошо өлкәлә хеҙмәт итеүсе 60 кеше дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Салауат Юлаев орденына Башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Фән Вәлиәхмәтов, композитор Рәмил Ғимранов, дирижер һәм композитор, Башҡортостан гимны авторы Фәрит Иҙрисов, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллинға бирелде. «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән абруйлы исемде хәҙер популяр йырсылар Әнүәр Нурғәлиев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Фәрүәз Урманшин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Йәмил Әбделмәнов, Башҡорт драма театры артисы Алһыу Бәхтиева ғорур йөрөтәсәк. Быйыл республикала иң төп мәҙәни ваҡиға –булып Бөтә донъя фольклориадаһы тора. Шулай уҡ Сергей Аксаковҡа, Мифтахетдин Аҡмуллаға, Нәжиб Асанбаевҡа, Сергей Довлатовҡа арналған юбилей форумдары уҙғарыу планлаштырыла. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы асыла. Радий Хәбиров һабантуйҙар ҙа ойошторолор тигән өмөтөн белдерҙе. “Башинформ” мәғлүмәте буйынса. Фото шул уҡ сығанаҡтан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, шәмбе, 28 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8,-13, аяҙытҡанда -15,-20, көндөҙ -4,-9 градус була. Йәкшәмбе, 29 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 6-11, аяҙытҡанда 17, көндөҙ 2-7 градус һалҡын. https://www.bashinform.ru/bash/1527112/ фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Йәкшәмбе көн иртән һыйырҙарын ҡыуып ҡайтып килгән Сәғиҙәне ҡапҡа төбөндә күршеһе Минифа апай көтәүелләп тора ине. Был ауылда үҙенең нәҫел- нәсәбе булмағас, бигерәк тә хөрмәт итә ошо киң күңелле апайҙы Сәғиҙә. - Күршекәйем, Сабитың ҡайҙа ул, нишләптер күренмәй. -Кисә иртән ҡәйнәмдәргә киткәйне, шунда йоҡлап ҡалғандыр. -Мине бер үк ғәйепләмә, туғанҡайым, әйтмәй түҙә алмайым: Сабитың кисә теге елбәҙәк Зөһрәгә йортҡа кергән, тиҙәр бит. Төҫө ҡасҡан, иҫәңгерәгән ҡатынды иңенән ҡосаҡлап алды ғәҙел апай. - Аштың майы, һүҙҙең яйы була, тигәндәй, - әйҙә әле өйгә инеп һөйләшәйек. Иртән ауылдың һәр өйөндә шул хәбәрҙе сурытып- сурыттылар. -Әстәғин! Ни булған? Шунсама йыл бергә йәшәпме? Кәртинкә кеүек сибәр ҡатынды шул ен ботағына алыштырмағандыр инде... Оло ҡыҙҙары институтын бөткәйнеме әле?! Бер кем дә белмәй шул сабыр, тешәк Сәғиҙәнең аҙаҡҡы өс йылда яңғыҙы донъяны тартҡанын, ниндәй утта янғанын. Бер күреүҙә ғашиҡ булып, үлеп яратып өйләнгән, "өф" итеп кенә торған Сабиты һуңғы ваҡытта бик ныҡ үҙгәрҙе... Аҡсаһын да үҙе генә тота: машина- тракторға запчасть кәрәк, йә әсәйемә дарыу алдым, ти ҙә ҡуя. Ҡәйнәһе лә төн тимәй-көн тимәй шылтыратып, саҡыра ла тора. - Улым, йөрәгем тағы сәнсә, тыным ҡыҫыла, килеп ет! Нишләһен ире, бара инде. - Ярай, барһын, әсәһе бит. Сәғиҙә бәләкәй саҡта үҙ әсәһе лә йөрәктән киткәс, ҡырыҫ ҡәйнәһен бик йәлләй ул. Сабитының әсәһенә тейешле хөрмәт күрһәтергә тырыша: йыш ҡына барып бөтә донъяһын йыуып- таҙартып китә. -Үәт, хәҙер шул барған һайын ҡәйнәһе эргәһендә өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөгән алаҡай Зөһрәгә киткән, тиҙәр бит. Хатта ул, йәнәһе лә, Сабиттан бала көтә. -Ышанмайым... Сәғиҙә ире бына- бына ҡайтып керер, ҡәйнәһенең хәле үтә насар булғанда ҡунғылап та ҡалғылай ине, тип көттө лә көттө. -Асыу - аҡыл дошманы, шылтыратмай торайым, тәккә хафаға һалмайым әле оло кешене. Нисәмә бәхетле ғаиләне туҙҙырып, күпме ир - атты аҙҙырып йөрөгән, береһе менән дә оҙаҡлап йәшәй алмаған еңел-елпе Зөһрәне ниңә ҡәйнәһе эйәләштерһен дә, ниңә улына ҡушһын, ти? -Булмаҫ... Сабиты ғүмер буйы Зөһрәне яратмай һөйләне. Тик күпме көтһә лә, ире кисен ҡайтманы. -Оят... балаларҙан оят... халыҡтан оят. Ғәрлек... - Тимәк, дөрөҫ. Иң яҡын ике кешеһенең хыянатын Сәғиҙә бер нисек тә башына һыйҙыра ла, аңлай ҙа алманы. Арҡаһына бысаҡ ҡаҙанылармы ни, тын да ала алмай. - Оят... Үлемдән оят көслө. Сәғиҙә, Ләләһе йоҡлап киткәс, шым ғына сыҡты, кәртәнән быҙау бәйләп йөрөгән бауҙы алды ла аҙбарға атланы... Әллә бәйләй белмәне, әллә бауы шылғаяҡ булды, башына элмәк һалып тартылһа, бәйе ысҡына ла, шап итеп ергә килә лә төшә. Өсөнсөгә ынтылды... Йәне осоп китте... Күҙҙәре ҙур итеп асылған, һынташтай ҡатҡан Сәғиҙәгә йәне баш осонда ныҡ ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла... кире керҙе. Бауы шытырҙаптырып өҙөлдө лә, ҡатын тәгәрәп китеп һыйырының "шыйыҡ ҡоймағы"на барыптырып ятты. Айнып китте. - Нишләйем мин? Йөрәге дөп- дөп тибә. -Ыһ. -Аллаҡайым, ҡотҡарҙың. -Ары нисек йәшәргә? Иңрәп ыңғырашты. - Ыһ... Ергә теҙләнде. Тулы айға ҡарап, яралы бүре кеүек асырғанып олоно. Ауыл өҫтөнән хәүефле шом уҙҙы, һауаға хәсрәт, рәнйеш артылды. Йөрәк өҙгөс олоуға ауыл эттәре айбарланып өрөп ҡушылдылар. - Хоҙайым - Аллаҡайым, ярҙам ит! Рәнйейем мин Сабитҡа... Рәнйейем Зөһрәгә... Рәнйейем хаин ҡәйнәмә лә... Рәнйейем. Мин йәтимде мыҫҡыл иттеләр. Үҙең эшкәрт. Ошо төндө генә үткәрһәм... - Ыһ... Ыһ... Йөрәге әрней, йәне илай. - Ҡыҙҡайҙарым нишләр? Иртән балам мине эҙләр, уға бит бары 17 генә йәш. Ләләнең имтихандары етә. Бауҙы алды ла, бәҙрәфтең тишегенә бар көсөнә быраҡтырҙы. Тәнтерәкләп барып баҡсалағы мискәнән бер биҙрә һыу алды ла өҫтөнә ҡойҙо. Тағы алды, тағы ҡойҙо. Йөрәге леп-леп килә. - Ыһ... Күңелен әрнеткән бөтә бысраҡты, хыянатты йыуып төшөрөргә теләгәндәй, һыу менән ҡойондо ла ҡойондо. Шунан бик оҙаҡ бер нөктәгә текәлеп ултырҙы ла, ҡәтғи ҡарарға килеп, яңы сығып килгән ҡояш нурҙарына һөйөнөп, өйөнә атланы... Күңелен эш менән баҫты, кеше араһында булырға тырышты кәнсәлә бухгалтер булып эшләгән ҡатын. Тик бөршәйеп, бәләкәс кенә булып ҡалған йәне генә тыныслыҡ тапманы. Көндөҙөн бер кемгә, бер нәмә һиҙҙермәне , баҫалҡы ғына йылмайып йөрөнө. Ә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе. Кис бер үҙе ҡалғанда күҙҙәрендә шундай ғазап, әрнеү, өмөтһөҙлөк, аптырау, ҡурҡыу, сараһыҙлыҡ - көҙгөләге сағылышына ҡарай алманы. Ябыҡҡан, ҡарайған, бәләкәйләнеп ҡалған Сәғиҙәне танырлыҡ түгел ине. Сабиты еңел машинаны, тракторҙы, быҙауҙары менән ике һыйырҙы ла алды. - Алиментҡа бирмә, өй һиңә ҡала, шул етер. Бер аҙҙан, Сәғиҙәһе эштә саҡта, яңы ғына күтәргән аҙбарын да һүтеп алып китте. - Бер үҙенә ниңә мал аҫырарға? Йонсомаһын. Ҡатынға һыйырын да, һарыҡтарын да һатырға тура килде. Себерҙән отпускыға ҡайтҡан Маһинур апаһы, һеңлеһенең донъяһы шулай көтмәгәндә селпәрәмә килеүенә йәне көйҙө. Һәр ашағанын кире ҡоҫоп торған туғанын йәлләне. -Әйҙә әле, Әһлитдин муллаға, тип, ай-вайына ҡарамай, күрше ауылға алып китте. Ҡасандыр, бәләкәй сағында, үҙен үлемдән алып ҡалған муллаға Маһинур ныҡ ышана, хөрмәт итә ине. Туҡһан йәшен уҙған ҡарт бик бирешкән, күптән кеше ҡарамай, тиҙәр. - Ярар, хәйер булһа ла бирер. Әһлитдин бабай Сәғиҙәгә күҙ һирпеп кенә ҡараны ла, яулыҡ, оҙон халат кейҙертеп ултыртып ҡуйҙы. Бик оҙаҡлап уҡып өшкөрҙө лә, өшкөрҙө. Сәғиҙә ауыҙын да ябалмай, иҫәңгерәп иҫнәп ултырҙы ла, ултырҙы. Шунан күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй башланы, аҙаҡ һулҡылдап иланы, шунан иҙәнгә ятып башын бәреп-бәреп, йоҙроғо менән иҙәнде төйә- төйә һыҡтаны ла һыҡтаны. Моңло доға тауышына уны йоҡо баҫты. Уянып китһә, кис еткән. Әһлитдин мулла бер стакан һыу һуҙҙы. -Бөткәнсе эс! - Балам, тыңла, хәтереңә һал. Ҡыҙҙарыңды йәлләп, ярҙам иттем, олоғайҙым, ауырыйым. -Ҡыҙым, ҡәйнәң туйығыҙҙа уҡ туй күлдәгеңде йыуып, әмәлләгән. Ирең һине ныҡ яратҡанға, алдырғыһы килмәгән уның, яңғыҙ ҡалырмын, тип ҡурҡҡан. Нисек шунсама йыл ирең менән йәшәгәнһең әле? Нисек һау балалар апҡайтҡанһың? Һаман тәғәм аша әмәлләп тора. Һиңә кире йәбешмәһен тиһәң, намаҙға баҫ, сүрәләр уҡы. -Бына " Фил" сүрәһен яҙҙым, ишек башыңа ҡуй. Ошо тоҙҙо ай буйы иртәнсәк семтемләп кенә бер стакан һыуға һалып эс. -Таҙарынырға кәрәк, ныҡ тамырланған, ете йылға һуҙылыр әле. -Ауырырһың, духтырға барма, дарыу эсмә, үтер, иншаллаһ. Миңә ҡабат килмә, хәҙер үҙемә аҙна буйы ураҙа тотоп, таҙарынырға кәрәк буласаҡ. - Балаларыңды йәтим итмәм тиһәң, ҡалғаны үҙеңдән тора. Башҡаса бер кемгә лә рәнйемә: мосолманға хас түгел ул. ...Йылдар уҙҙы. Ҡыҙҙары уҡып бөтөп, эш башланы. Бер үҙе туйҙар үткәреп, уларҙы башлы-күҙле итте, Сабиты хатта килмәне лә. -Атайым юлда торғанда ултыртмай ҙа уҙып китте, - тип Ләләһе, йәне әсенеп, иланы. Даны сыҡҡан "ҡыҫыр Зөһрә"нең ялғаны фаш ителде - бала тыуманы, Сабиты ла эсә башлаған икән. Торараҡ Зөһрәһе бөтә донъяһын һатып, ҡалаға сығып киткән дә барған. Бер нәмәһеҙ ҡалған улы ҡайтып кергәс, ҡәйнәһенә инфаркт булып, аяҡтан ҡалған, тиҙәр. Ә Сәғиҙә яйлап дингә килде: ғәрәпсә ҡөрьән уҡый, намаҙын ҡалдырмай. Бөгөн кис ейәне менән мәш килеп йөрөп, һуңлап китте. Ятҡайны ғына... ҡап-ҡараңғы шомло подвалға төштө лә китте. Күҙ бер аҙ өйрәнгәс, тирә - яғына ҡараһа: ҙур ғына бүлмә. Өҫтән ҡыҫылып ҡына һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтылыҡ төшә, күрәһең, шунда подвал ҡапҡасы. Төпкәрәк үтте: һике өҫтөндә иҫ киткес ҡурҡыныс ҙур, оҙон ике анаконда йоҡомһорап ята. Сәғиҙә, ҡото осоп, өнһөҙ ҡалды. Улар янынан былай ғына уҙып китеп булмаясаҡ, уны һаҡларға ҡуйылғандар. -Нишләргә?! Был имәнестәрҙән бер төрлө ҡотолоу юҡ. -Ни булһа, шул булыр. Ул шым ғына баҫып яндарына килде. Береһе быяла күҙҙәрен ҡыҫып ҡына ҡатынды күҙәтә. -Нисек тә күҙенә ҡарамаҫҡа... Сәғиҙә ҡапыл уяу йыландың муйынынан тотоп алды ла асҡан ауыҙын йоҡлағанының муйынына батырҙы һәм яҡты төшкән яҡҡа йүгерҙе. Был шул тиклем тиҙ килеп сыҡты: быуарҙар аңламай ҙа ҡалды. Улар ҡатын артынан ташландылар, ләкин беренсеһе ҡаҙалған тештәрен тартып сығара алмай, икенсеһе ажғыра, ысҡынырға тырыша. Уның һайын бер - береһенә нығыраҡ уралышып ҡушылдылар, тартышҡан һайын буталышып сырмалдылар. Сәғиҙә баҫҡыс буйлап осоп ҡына менде, ҡапҡасын асып япты, йоҙағын элеп ҡуйҙы, ары йүгерҙе, тағы баҫҡыс, күтәрелһә - ишек. Этеп ҡараны. - Уффф! Бикле түгел икән. Келәһен элеп, ары йүгерҙе, тағын баҫҡыс. Хәле бөттө. Ыҫылдаған тауышҡа артына әйләнеп ҡараны. Күренмәйҙәр. Ҡаршыла - ишек. Асып, бикләне лә ары йүгерҙе. Оҙон туннель. -Ҡайҙа һуң ул?! Бында яҡтыраҡ, аяҡ аҫты шөйлә күренә. -Ниндәй бөтмәҫ баҫҡыстар ул? Ҡайҙа күтәрелә икән? Артта дөбөр-шатыр килә. Ҡатын алға ынтылды, ишекте шарт асып япты. Шулай уҡ оҙон туннель. Аяҡтары тотмай башланы, быуынһыҙ ғына була инде. Аҫта нимәлер гөрһөлдәй, ҡолай. -Юҡ, бирешмәйәсәк ул. Алға! -Тағын баҫҡыс? Яҡында ғына ыҫылдаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, быуарҙар ҡанға батышып, ҡушарлап уралышҡан килеш, баштарын ҡалҡытып, ярты метрҙай телдәрен сығарып, һаҫыҡ шайыҡтарын ағыҙып, шыуышып киләләр. Нисектер беренсеһе ауыҙын тартып сығарған, икенсеһенең умырылып алынған яраһынан ҡан һарҡый. Ҡатын бер ынтылыуҙа баҫҡыстан күтәрелде лә, ишектең асҡысын бороп, ары йүгерҙе. Йыландар ҡойроҡтары менән ишеккә бәрә башлағайнылар, ул түҙмәне, селпәрәмә килде. Иләмһеҙ йыландар ҡыуып етеп килә. Сәғиҙә аҡтыҡ көсөн йыйып, мүкәйләп өҫкә үрмәләне. Ишекте саҡ ябып, ахылдап тын ала-ала, арҡаһы менән этәп торҙо. Ҡапыл күҙҙәре яҡтынан сағылып китте. -Ҡайҙа ул? Ихтибарлабыраҡ ҡараһа, ҡәйнәһенең мунса соланына килеп сыҡҡан. -Ни хикмәт булды был?! Ныҡ ғәжәпләнгән Сәғиҙә һаман дер һелкенгән ишекте ҡапыл ебәрҙе лә йүгереп тышҡа сыҡты. -Нишләп ул ҡәйнәһенең ихатаһына килеп сыҡты әле?! Шул саҡ... мунса соланынан ҡанға батып, сәсе - башы туҙған, күлдәктәре йыртылып- бысранып бөткән ҡурҡыныс ҡиәфәттәге ике ҡатын ҡултыҡлашып сыҡтылар ҙа Сәғиҙәнең аяҡ аҫтына тәгәрәнеләр. Яҡшылабыраҡ ҡараһа, береһе - ҡәйнәһе, икенсеһе - Зөһрә... Сәғиҙә ахылдап, хәле бөтөп, уянып китте. Таң һыҙылып атып килә, намаҙ ваҡыты еткән. -Эй, Аллам, әлдә төш кенә икән. Шунан был төшө нәмә аңҡартҡанын уйлап ятты: ете ишектән сыҡты ла гел өҫкә күтәрелде лә күтәрелде. -Ярай, хәйерлегә булһын!...Бер кис Сәғиҙә Минифа апайҙы балалары апҡайтҡан күстәнәстәрҙән ауыҙ итергә саҡырып алды. -Ҡәйнәң үҙен самаһыҙ ныҡ ыҙалатҡан улының донъяһын бутауға хатта үкенә икән, өйөңә ҡайт, тип ҡыуалай, тиҙәр. Теге "ен күбәләге" лә ҡаты ауырып, больницаға эләккән, тип һүҙ араһында әйтеп ҡуйҙы. ...Бер аҙҙан ныҡ туҙған, ҡартайған Сабиты, ете йылдан һуң беренсе тапҡыр килеп, эштән ҡайтыуын көтөп ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултыра ине. - Ғәфү ит мине... Яңылыштым. Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай. Ҡайтайым. Балаларға терәк булайыҡ, ейәндәрҙе бергә үҫтерәйек. Ҡатын күҙҙәрен тултырып бер ҡараны ла, ҡапҡаны шым ғына ябып, элгесен төшөрөп, кереп китте. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәренең “Бөркөт” һәм “Витяздар” хәрби-патриотик командалары илһөйәрлек конкурсында ҡатнашты // Йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында район патриотик конкурсы үтте. Унда “Бөркөт” һәм “Витяздар” командалары физик көс, тапҡырлыҡ һәм ныҡышмалыҡ сифаттарын асып һалды. Был көндө егеттәр үҙҙәрен ысын һалдат итеп тойҙо. Беренсе конкурс, сафтарға теҙелеү һәм хәрби йыр юғары кимәлдә үтте. Артабан командалар автоматты йыйып-һүтеү, ҡулдарҙа ерҙән күтәрелеү, гер күтәреү, пневматик винтовканан атыу кеүек һынауҙарҙы ла еңел үтәне. Йәш армеецтарға ДОСААФ бинаһы буйынса экскурсия, десантниктар парашюты бик оҡшаны. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса командалар бер үк кимәлдә балл йыйҙы. Тимәк, дуҫлыҡ еңде. Молодежно-подростковый клуб "НУР" Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
2019 йылдың тәүге алты айында «Һаулыҡ поезы» акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙә биш меңдән ашыу ауырыу асыҡланған. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының өлкән халыҡҡа медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге етәксеһе Елена Ғәлимуллина докладына ярашлы, биш маршрут буйынса тикшеренеүҙәрҙән һуң йомғаҡ яһалған. Дыуан маршруты буйынса биш мең кеше ҡаралған, 7862 – тикшерелгән. Эш һөҙөмтәһенә 509 ауырыу асыҡланған. Нефтекама маршруты буйынса 10 мең кеше ҡаралған, 15 889 – тикшерелгән.1627 ауырыу осрағы асыҡланған. Октябрьский маршруты буйынса 17 меңдән ашыу ҡаралған һәм 16 меңдән күберәк тикшерелгән. Меңдән ашыу ауырыу осрағы асыҡланған. Стәрлетамаҡ маршруты буйынса туғыҙ меңдән ашыу ҡаралған, 30 меңдән ашыу кеше тикшерелгән, 1466 ауырыу осрағы асыҡланған. Белорет маршруты буйынса 14 998 тикшереү осрағынан 400 самаһы ауырыу асыҡланған. http://www.bashinform.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Юлдарҙағы фажиғәләр тетрәндермәй ҡалмай. Күптән түгел Өфө-Инйәр юлында тотош ғаиләнең: ата-әсәнең, 3 һәм 5 йәшлек балаларҙың ғүмерен өҙгән авария барыһын да шаңҡытты. Әле килеп Учалы районындағы авария ҡорбандарһыҙ ғына булманы. Юлдарҙағы фажиғәләр тетрәндермәй ҡалмай. Күптән түгел Өфө-Инйәр юлында тотош ғаиләнең: ата-әсәнең, 3 һәм 5 йәшлек балаларҙың ғүмерен өҙгән авария барыһын да шаңҡытты. Әле килеп Учалы районындағы авария ҡорбандарһыҙ ғына булманы. Был турала республика ЮХХДИ-һы хәбәр итә. 26 сентябрҙә Белорет - Учалы - Мейәс юлының 149-сы километрында "Мазда МПВ" (рулдә - 58 йәшлек Учалы кешеһе) һәм ВАЗ-2109 (18 йәшлек Мейәс кешеһе) бәрелешә. Көслө бәрелеүҙән ВАЗ автомобилендә ултырған пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Бынан тыш, ошо уҡ машиналағы 26 йәшлек ҡыҙ зыян күргән. Шундай ҙур аварияға нимә сәбәпсе булған - әлеге ваҡытта тикшерелә. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Настоящий сын башкирского народа, бурзянский джигит,один из основоположников театра танца ,любимый муж и отец!!! Добрейшей души человек честный и преданный .помним и любим Марсель и Эльвира Даутовы. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллинаның "Инстаграм"да туғыҙ меңдән ашыу уҡыусыһы бар. Йәштәрҙән ҡалышмаған ханым унда тормошонан ҡыҙыҡлы фото, видеолар менән уртаҡлаша, Хәниә репертуарынан йырҙар башҡара. Тик уның һуңғы ваҡытта бик әүҙемләшеп китеүен бәғзеләр бигүк өнәп етмәй икән. Ошоға яуап итеп ул оҙон ғына яҙма урынлаштырған. "Хөрмәтле дуҫтар, ғәфү итерһегеҙ, саф-пак күңелле кешеләрҙең күңеленә ҡараңғылыҡ булып инһәм. Балалар кеүек, өлкәндәр ҙә, нимә генә эшләһәк тә, яңылығыбыҙҙы интернетҡа ҡуйырға ашығабыҙ. Мин үҙемдең яңылышҡанымды бөгөн генә аңланым. Әммә мин һеҙҙең алда аҡланып, эшләгән эштәрем өсөн меҫкенләнеп иҫбатлар өсөн яуап яҙмайым, дөрөҫ аңлағыҙ. Мин Ҡояшыма оҡшағанмынмы, йырларға тырышаммы, ул иҫән саҡта ҡайҙа булғанмын?.. Һорауҙарығыҙ бик күп. Йырлайым икән, тимәк, мин иҫән. Оҡшарға тырышам икән, ул - минең өсөн өлгө. Быға тиклем ниңә күренмәгәнмен, сөнки Ҡояшым иҫән-һау һәм үҙ миссияһын еренә еткереп, "халҡым, ғәзиз тамашасым" тип йәне-тәне менән хеҙмәтен үҙе башҡарҙы", - тигән ул. Аҙаҡ, бер аҙ үпкәләүен белдереп: "Юҡ-бар мәғәнәһеҙ яуаптарығыҙҙан минең күңел бер аҙ кителер һәм Ҡояшымдың нурына шәүләгеҙ төшөр. Ул иҫән-һау сағында үҙенекеләрҙе бер ҡасан да кәмһетергә, ҡыйырһытырға ирек бирмәне", - тигән Фирүзә ханым.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/H-ni-F-rhi-e--e-le-e-ni-s-n-pk-l-g-n-19780/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Бар яҡтан да уңған ҡатындар була. Улар сағыу әйберҙәр бәйләп, телде йоторлоҡ ризыҡтар бешереп, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтереп, һәр кемдең зауығына, теләгенә тап килерҙәй кейемдәр тегеп һоҡланыу уята. Бындай оҫта ҡуллы гүзәл заттарҙың ҡул эштәре нескә образ тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Үҙенең ҡул эштәре менән һөйөндөрөүсе Гөлфирә Италмасованың да әйберҙәре һәр кемгә лә оҡшай. Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында тәрбиәсе булып эшләүсе Гөлфирә Ғәбит ҡыҙы бисерҙан, тоҙло ҡамырҙан төрлө әйберҙәр, бейек, ҙур сәскәләр, туҡыманы көйҙөрөп картиналар эшләй. Уның бисерҙан эшләнгән төрлө гөлдәре, тоҙло ҡамырҙан -- милли кейемдәге ете башҡорт ҡыҙы образы, гафрир ҡағыҙынан эшләнгән бейек сәскәләре бик үҙенсәлекле. Һәләтле ҡатын приют тәрбиәләнеүселәре менән дә түңәрәк алып бара. Балалар менән тоҙло ҡамырҙан төрлө әйберҙәр ижад итәләр. Шулай уҡ Гөлфирә Италмасова аш-һыуға ла оҫта. Ғаиләһе һәм яҡындары ул бешергән торттар, рулеттарҙы яратып ашай. Был татлы ризыҡтарға заказ биреүселәр ҙә бар. Эш урынында ла матурлыҡ булдырыуҙа уның өлөшө ҙур. Приют ихатаһында аллы-гөллө сәскәләр үҫтерә, биҙәкләп төрлө әйберҙәр эшләй. -Мәктәптә уҡығанда ырғаҡ менән бәйләү түңәрәгенә йөрөнөм. Һуңынан был эштәр менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Апайым да ҡул эшенә оҫта. Ул әле Мәләүез ҡалаһында балалар ижад йортонда эшләй. Мин күбеһенсә бәйләһәм, ә ул тегә. Әлеге мәлдә мин ырғаҡ менән бәйләп, интерьер ҡурсаҡтарын эшләү менән мауығам. Бер ҡурсаҡҡа бер аҙна тирәһе ваҡыт китә. Заказ буйынса уларҙы эшләп һатам, - ти Гөлфирә. Ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ донъя мәшәҡәттәренән тыш, ғаиләһен төрлөләндереп тәмле ризыҡтар менән һыйларға ла, уның араһында тәҙрә төптәрен тултырып гөл үҫтерергә лә, фантазия менән һуғарылған матур һәм зауыҡлы әйберҙәр эшләргә лә, йәйгеһен баҡса тултырып емеш-еләк, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерергәлә өлгөргән мәҡәләм геройына һоҡланмау мөмкин түгел шул. -Бер аҙ ваҡыт ниндәйҙер әйбер ижад итмәй торһам, ҡулым ҡысып, нимәлер эшләгем килә башлай. Яратҡан шөғөлөмә ваҡыт бүлергә тырышам. Төн уртаһына тиклем булһа ла ултырым, әммә башлаған эшемде тамамламайынса туҡтамайым. Интернеттан да ҡарап эшләйем, үҙем дә уйлап сығарам. Әйберҙәремде яҡындарыма бүләккә лә бирәм, һатам да. Өйҙә береһен дә ҡалдырмайым. Ғөмүмән, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү миңә илһам, дәрт һәм йәшәүгә көс бирә, -- ти әңгәмәсем. Тормош иптәше Айрат менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уңған ҡатындың ҡыҙҙары ла үҙенә оҡшап, ҡул эшенә маһир. Өлкәнҡыҙым Айгөл сигеү, бисер менән шөғөлләнһә, кесеһе Элина тәм-томдар бешерергә ярата. Белгәнемде ҡыҙҙарыма ла өйрәтергә тырышам. Үҙем иһә атайыма оҡшағанмындыр. Сөнки ул ҡул эшенә бик оҫта кеше булды.Ҡул эштәремдә тормош иптәшем дә, ҡыҙҙарым датөрлө яҡлап ярҙам итә, -- ти Гөлфирә Ғәбит ҡыҙы. “Күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнгән кешенең бәхете тулы була”, - тиҙәр. Гөлфирә лә бәхет төшөнсәһен тап шунда күрә. -Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете ғаиләһендә, балаларында һәм күңелеңә ятҡан эше булыуында тип уйлайым. Йәшәү мәғәнәһен дә байлыҡта түгел, ә күңел тыныслығында күрәм. Сөнки аҡса бер ҡасан да етмәй ул. Шуға күрә бөтә гүзәл заттарға ғаилә бәхет һәм һаулыҡ теләйем, - ти Гөлфирә. Мәҡәләм геройы кеүек маҡсатҡа ынтылыусан, уңған ҡатындар донъяһын да сынъяһау итеп тота, яратҡан шөғөл менән булышып, иш янына ҡуш итеп, ғаилә бюджетын да тулыландыра. Шундай егәрле гүзәл заттарыбыҙ күберәк булыуын теләргә генә ҡала. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Форум хаҡындағы тәьҫораттары менән Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Рәмилә Янсаф ҡыҙы Хөснөтдинова бүлешә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы хаҡындағы тәьҫораттары менән Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Рәмилә Янсаф ҡыҙы Хөснөтдинова бүлешә. 24 – 25 сентябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Сара Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Башҡорт теле йылына арналған форумда дөйөм белем биреү учреждениеларында, урта һәм юғары уҡыу йорттарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район методик берләшмәләре етәкселәре, инновацион белем биреү ойошмалары директорҙары, методик әсбаптар авторҙары, муниципаль хакимиәттәрҙең мәғариф идаралыҡтары рәйестәре, ата-әсәләр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Форумды асыу тантанаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын Мәғариф министрлығының наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларға «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы. Сараның эшлекле өлөшө Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм консультациялар рәүешендә барҙы. Уларҙа юғары уҡыу йорттары менән белем биреү учреждениелары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек формалары, юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыу, башҡорт телен дистанцион уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау тәртибе, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыу, башҡорт телендә мәктәп телевидениеһын ойоштороу, төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт теле һәм башҡа темалар яҡтыртылды. Унда туған телде уҡытыуға бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды, яңы методик алымдарҙың таралыуы тикшерелде, педагогтар тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Уҡытыусылар көнөнә һәм Башҡорт теле йылына арналған әҙәби-музыкаль кисә, шулай уҡ “Самауырлы ритайым”да сәксәк менән сәй эсеп, бейеп күңел асыу барыһының да күңеленә хуш килде, уҡытыусылар өсөн ҙур бүләк булды. Икенсе көндә биш майҙансыҡта эшләгән панель дискуссияларҙа эшлекле һөйләшеү дауам итте, туған тел дәрестәренә яңы талаптар, уны уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен үҫтереү, билингваль һәм полилингваль шарттарҙа милли мәктәптең үҫеше, балалар баҡсаларында, һөнәри белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуҙың торошо кеүек мәсьәләләр ҡаралды. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының һөнәри оҫталығы” донъяуи кафеһында стресҡа ҡаршы тороу, медиатив технологиялар ҡулланыу, лидерлыҡ, һөҙөмтәле коммуникациялар, уңышҡа өлгәшеү ресурстары кеүек уҡытыусылар өсөн бик актуаль мәсьәләләр буйынса белгестәр менән әңгәмәләр ойошторолдо. Ике көн эш барышында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуған фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр Башҡортостан Республикаһы башлығы менән осрашыуҙа Р.Ф.Хәбировҡа еткерелде. Республика етәксеһе “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемдәренә, Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләне. ​ Форум башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан педагогтарҙың тәжрибәһен арттырыу, башҡорт телен уҡытыу шарттарын камиллаштырыу, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләренә фән, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең иғтибарын йәлеп итеү йәһәтенән артабан да киң ҡоласлы эш алып барыу бурысын ҡуйҙы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Башҡортостан уҡытыусыһы" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Теркәү тураһындағы ПИ ФС 77‑70646‑сы таныҡлыҡ 2017 йылдың 15 авгусында Элемтә, информацион технологиялар һәм киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы тарафынан бирелде. Ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик айлыҡ журнал Общественно-педагогический и научно-методический ежемесячный журнал. Издается с 1920 года. Главный редактор: Каримов С.Г.
14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә Өфөлә Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән тантаналы кисәлә йыл дауамында әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмалары, район-ҡала хакимиәттәре, киң мәғлүмәт саралары, журналистар бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин районыбыҙҙың Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты адресына төбәлгән Рәхмәт хаты һәм бүләк - күп функциялы принтерға сертификатты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға тапшырҙы. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге башҡорт телендәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы юғары кимәлдә ойошторған райондарҙы ла асыҡланы. “Башҡорт баҫмаларына иң күп яҙылыусы йәшәгән район” номинацияһында Өфө (1-се) һәм Ҡалтасы (2-се урын) райондарынан ҡала Ғафури районы 3-сө урынға лайыҡ булды. “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәров тапшырған III дәрәжә Диплом менән иҫтәлекле статуэтканы район хакимиәте исеменән Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов ҡабул итеп алды. Афарин, үҙебеҙҙекеләр! Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Мәүлиҙә һыуҙан ҡайтып, күнәктәрен ҡуйҙы ла, иртәнән бирле ауырыҡһынған һәүкәше, күҙ ҡараһылай карап торған берҙән-бер һыйыры янына сығып йүгерҙе. Әллә нишләп, эре мал үрсетә алмай йонсойҙар шул. Безәүкәйҙәре йә үлә, йә эт-ҡоштан ҡазалана ла ҡуя. Һәүкәше ауырыҡһынғас, Мәликә абыстайға хәйер алып барып бирҙе. Мәүлиҙә һыуҙан ҡайтып, күнәктәрен ҡуйҙы ла, иртәнән бирле ауырыҡһынған һәүкәше, күҙ ҡараһылай карап торған берҙән-бер һыйыры янына сығып йүгерҙе. Әллә нишләп, эре мал үрсетә алмай йонсойҙар шул. Безәүкәйҙәре йә үлә, йә эт-ҡоштан ҡазалана ла ҡуя. Һәүкәше ауырыҡһынғас, Мәликә абыстайға хәйер алып барып бирҙе. – Килен, ул кәртәнән дә була, йә донъяңдың ҡото киткән, – тине әбей һүҙ ыңғайында. Малҡай күҙҙәрен мөлдөрәтеп, хужабикәгә күтәрелеп «берәй нисек ярҙам итегеҙ инде», тигәндәй ҡарап-ҡарап алды. Ҡарап тороуға йәлләүес инде. Мәүлиҙә башына шәлен һалды ла, түбән ос Сатан Мөслимгә йүгерҙе. «Ул мал араһында йөрөгән кеше, белергә тейеш», – тигәйнеләр. Сатанлап йөрөгәнгә «Сатан Мөслим» ти ҙә ҡуялар уға. Үҙе үпкәләп тә бармай быға, өйрәнеп бөткән инде. Барып әйткәс тә: «Яртың бармы? Булһа, булдырабыҙ аны», – тип Мәүлиҙәнең артынан һылтаңлай-һылтаңлай килде. Улар килгәнсе малҡайҙың хәле бөткән ине инде. Саҡ безәүкәйен һөйрәп алдылар. Әсәһе өзөлдәп балаһын яларға тип аяғына баҫырға тырышты, тик хәлһеҙ тояҡтары кәүҙәне күтәрергә тыңламай, бәлк итеп төштө, шуға күрә безәүкәйен әсәһе янына килтереп һалдылар. – Бына инде, бәләкәс кенә бәпесең, күр. Үҙеңә оҡшап алаҡай булған, – тип ысын күңелдән ҡыуанды ҡатын. Уныһы шуны ғына көткәндәй ятҡан урынынан алаҡайын ялай ҙа башланы. Мәүлиҙәнең ҡыуанысынан, әллә йөрәге һыҙланыуҙанмы, күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ йәш аҡты... Әллә үҙенең йәшлеген иҫкә төшөрҙөмө?! «Йәшлек – уй-хыял иле, ололоҡ, олпатлыҡ – уй-фекерҙәр донъяһы», – тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Йәшлектә үткән хаталарын уйлап һаман башынан сығара алмай шул Мәүлиҙә. Сибәрлеге, күк көмбәҙе кеүек зәңгәр күҙҙәре бер ҡарағанда уҡ егеттәрҙең күңелен ялмап ала торған ҡыҙ ине ул йәш сағында. Былай ҙа нескә билен һыҡтырып күлдәк билғауы менән тағы ла быуып бәйләп ҡуя ине ул. «Эй, бынауҙың биле, бал ҡортоноҡолай нескә, тамағына ашамайҙыр был бала», – тип ололар ҙа һоҡланыуҙарын йәшерә алмай торғайны. Әсәһе ҡыҙын сит күҙҙәрҙән шул тиклем ҡыҙғана ине. «Яман күҙҙәр баламды урап үтһен, әпсен-төпсөн», – тип өшкөрөп сығарып ебәрер булды урамға. Әсәһе һөйләүенсә, Мәүлиҙә өләсәһенең әсәһенә оҡшаған. Өләсәһе, Мәүлиҙә тыуғанда уҡ, был сабый бала Йәнбикә ҡарт өләсәһе кеүек һылыу булыр, – тип өшкөргән һәм шунда уҡ муйынына бетеү таҡҡан. «Иншалла, бәхетле, ғүмерле ҡыҙ булһын», – тигән дә уның маңлайын һыпырғандан һуң тағы ла нимәлер әйтеп бөтөрмәгән. Уның өләсәһе уҡымышлы, үткен кендек инәһе булған. Бер ҙә генә өйҙә тора алмаған, бушағанын көтөп кенә торғандар, күрше ауылдан, хатта сит өлкәләрҙән дә килеп алыр булғандар. Мәүлиҙә лә бәләкәйҙән зирәк булып үҫте. Уҡырға төшмәҫ элек үк яттан шиғырҙар һөйләй ине, хатта яйлап ағаларының уҡыу әсбаптарын урлап уҡый торғайны. Ситтән килгән кеше быға карап хайран-вайран булыр ине. – Үҙе сибек кенә, ә күҙҙәренә ҡараһаң, ысын күк йөҙө, – тип берәү өйҙәренә ҡайтып һөйләгән. – Был бала сихырсылыр ул, – тигән, имеш. Кем белә инде! Кеше берҙе биш итеп һөйләргә әҙер бит. Мәүлиҙәнең үҙе иҫләүенсә, хатта уны сиғандар ҙа урлап алып китә яҙған. Ул ваҡытта әсәләре колхоз эше тип, көн-төн тимәй яланда ине. Ҡыҙ өйҙә 12 йәшлек апаһы менән ҡала. Мәүлиҙә йәшел сиҙәм өҫтөнә ултырып, көпшәнән яһалған ҡурсактарын кейендереп ҡыҙығып уйнап ултыра ине. Бер ваҡыт бер төркөм сиғандар килеп инделәр ихаталарына, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙары бала аҫҡан, ирҙәре лә бар. Балаларына ашарға һорайҙар икән, өйҙән сыҡҡан апаһына «Давай, погадаю», тип уның ҡулын тота башланылар. Малайҙары һорауһыҙ-ниһеҙ туп-тура өйгә инеп китмәһендәрме! Һигеҙ йәшлек Мәүлиҙә быларҙы күреп, тегеләрҙең артынса өйгә инеп китте. Шалдор-шолдор итеп, бахырҙар тамаҡ эҙләйҙәр. Бер ҡатҡан икмәк табып алдылар ҙа, эй, киттеләр шуға талашып, ҡыҙҙан ҙурыраҡ бер егет инеп тегеләрҙе саҡ һуҡҡылап айырып алды. Теге егет Мәүлиҙәгә ҡарап ҡатҡан да ҡалған. Артҡа тарап һалған тулҡынланып торған сөм-ҡара сәстәре үҙенә килешеп тора. Алһыу күлдәк өҫтөнән ҡара еңһеҙ көртә, ҡара салбар кейгән егет ҡарап тороуға бик һылыу ине. Ҡыҙ ҡурҡышынан артҡа шылып барып, шкаф артына йәшенде. Быға тиклем апаһын аптыратҡан сиған ҡатындары өйгә инеп, үҙҙәренсә һөйләшә башланылар. Егет шкаф артындағы ҡыҙға төртөп күрһәтте. Киттеләр тегеләр сыулап, «Ой, красавица, айда с нами, не пожалеешь», тип Мәүлиҙәнең ҡулынан һөйрәкләй башламаһындармы. Ярай шул арала апаһы күршеләге Солтан бабайҙы мылтығы менән ҡуша алып инеп, тегеләрҙең тетмәкәйен уҡытып сығарып ебәрҙеләр. Әсәләре эштән ҡайтҡас, сиғандар менән булған хәлде апаһы түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Мәүлиҙә өс көндән сәсрәп ауырып китте. Өләсәһен ҡайтартып, ҡот ҡойҙортоп саҡ шәбәйтеп алдылар. Мәктәптә уҡыған ваҡытында уның тағы бер һәләте асылды. Уҡытыусылары уны йыр буйынса төрлө конкурстарға йөрөттө. Өләсәһе мәрхүмә, йырлама, балам, моңло кеше бәхетһеҙ була, тиер ине. «Нишләп улай тип әйтә икән? » – тип аптырай торғайны ҡыҙ үҫмер сағында. «Ул бит, киреһенсә, елкендерә, илһамландыра, күңелгә ҡанат ҡуя, һағыш уята», – тиер ине өләсәһенең һүҙенә ҡарата. Ололарҙың ҡараштары үткер. Һине улар үтәнән-үтә күреп, белеп торалар. Ысынлап та Хоҙай, тәбиғәт биргән таланттан бер нисек тә ҡасып булмайҙыр ул. Мәүлиҙә лә мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас та Өфөгә сәнғәт институтына юлланды. Ҡыҙ дәртләнеп уҡырға тотондо, күңелдәргә үтеп инерлек моңло йыры менән уҡытыусыларын да арбап өлгөрҙө. Буй-Һын, тауыш, сибәрлеген әйтәһе лә түгел. Хоҙай Тәғәлә ҡыҙҙан бер нимәһен дә йәлләмәгән, донъялағы бар матурлыҡты, әйтерһең, уға ғына биргән. Ә бәхетте һуң? Мәүлиҙә 1-сене тамамлап 2-се курсҡа килгәндә, үҙенән биш йәшкә ҙур, башҡа уҡыу йортонда уҡып йөрөгән бер егет менән йөрөнө. Уныһы осоп-ҡунып торған, һағыҙаҡ һымаҡ егет булып сыҡты. Былай төҫкә Мәүлиҙәнән ҡалышмай ине. Буш ваҡыттарын һәр ваҡыт бергә үткәрҙеләр, яйлап бер-береһенә өйрәнеп тә киттеләр. Ҡыҙ ауырға калды. Шәүкәтенә әйткәйне, уныһы ҡыуанды ла, ҡыуанманы ла. «Ярар, күҙ күрер, үҙебеҙгә берәй мөйөш хәстәрләйем дә, шунан бергә булырбыҙ», – тине ул. Ысынлап та, егет әйткән һүҙендә торҙо. Ҡыҙҙы үҙенә күсереп алып ҡайтты. Шәүкәт көндөҙ эшләне, кис уҡыны. Ҡыҙ ҙа уҡыуын ташларға уйламаны, көн дә дәрескә йөрөнө. Укытыусылары уны йәлләп академик ял бирҙеләр. Күптән көткән сабый донъяға килде. Бала ҡыуанысынан да олораҡ бәхет бармы икән һуң донъяла?! Уларҙың ҡыҙҙары тыуҙы. Ҡатын иренә өндәшмәй генә ҡыҙ көткәйне. Урамда үткән сакта ҡурсаҡтай кейенгән сабый ҡыҙҙарға һушы китеп һоҡланыр ине. «Ҡыҙым булһа, мин дә төрлө төҫлө сағыу күлдәктәр, банттар тағып күтәреп йөрөр инем», – тип хыялланыр ине. Бына Хоҙайға шөкөр, был хыялы тормошҡа ашты. Тик Мәүлиҙәгә, дауаханала бәпесе менән оҙаҡ ятырға тура килде. Тыуғас, янына алып килеп һалдылар. «Йә, матурым,әсәйгә ҡара әле, йә», – тип йәш ҡатын сабыйын суп-суп итеп яратып һөйөп алды. Бер аҙна үткәс, аптырап, Мәүлиҙә баш табиптың ишеген шаҡыны: – Раиса Ивановна, һеҙ минән нимәлер йәшерәһегеҙ шикелле, нишләп минең ҡыҙым һаман күҙҙәрен асмай? – тип һорауын бирҙе. Раиса Ивановна оҙаҡ уйланып ултырҙы ла: – Ултырығыҙ, Сәлихова, сабыйыңдың күҙҙәре асылыр тип, мин дә көткәйнем, беҙ тулыһынса тикшереү үткәрҙек, тағы ла дауаланыу курсы үткәреу өсөн һеҙҙе икенсе бүлеккә күсерергә булдыҡ, ә унан инде күҙ күрер, тип ҡағыҙҙарын Мәүлиҙәгә һондо. Баш табиптан сыҡҡас, әйтерһең, уның алдында ер убылып төштөмө ни, башы әйләнеүгә саҡ-саҡ стенаға һырылып ҡалды. «Йә хоҙай,нисек улай булырға мөмкин һуң? Әсә ҡарынынан да сығып өлгөрмәгән, донъяның матурлығын, яҡтылыҡты, ошо донъяға йәшәү бүләк иткән әсәһенең төҫөн дә күрергә тейеш түгелме һуң?» – тип карауатына ятып, һыҡтап-һыҡтап иланы Мәүлиҙә. Әсәһенең тауышын ишетепме, сабый тауыш бирҙе. «Балам, балаҡайым минең, мин һинең әсәйең, беҙҙең ҡыуанысҡа ҡушылып, ана кояш апай ҙа үҙенең көлтәһен беҙгә һибә, үҫкәс, әсәйең менән бергәләп сәскәле болонда йүгерербеҙ, кис йондоҙ атылғанын ҡарарбыҙ, төрлө төҫкә ингән йәйғорҙо күрерһең, әлли-бәлли-бәү, йоҡла инде матурым», – тип көйләп ашатты ла, үҙе тәҙрә янына барҙы. Аҫта ҡулын болғап Шәүкәте ҡысҡыра: «Ҡасан сығаралар?» – тип. Сабыйын йоҡлатҡас, аҫҡы ҡатҡа төшөп, Шәүкәт менән һөйләшергә булды. Ул был хәбәрҙе көтмәгәйне. Ыҡ- мыҡ итеп, нисек инде, һуң табиптар нимә ти? Әгәр күҙҙәре ғүмерлеккә күрмәй инвалид булып ҡалһа, – тине... * * * «Алтынай, ҡайҙаһың, хәҙер барыбер тотам мин һине», – ти әсә кеше. «Мин бында!» – ти ҡыҙы. Шул саҡ ҡыҙы әсәһенең артынан ғына йәшеренеп килде лә, ҡәҙерлеһенә бер ҡосаҡ, күҙҙең яуын алып торған сәскәләр бәйләмәһен һондо: – Әсәй, был һиңә! – Берҙән берем, күҙ нурым минең, Алтынайым, рәхмәт, – Мәүлиҙә шатлығынан бәләкәсен ҡосағына ҡыҫты. Уныһы ла, шуны ғына көткәндәй, ҙур зәңгәр күҙҙәрен ҡыҫа биреп, ҡысҡырып көлөп, әсәһенең муйынынан ҡыҫып ҡосаҡланы. Шәүкәт, ҡатыны менән ҡыҙын иң ауыр мәлдә ҡалдырып китһә лә, Мәүлиҙә бирешмәне. Ҡыҙын ҙур дауаханаларға, ял йорттарына йөрөттө. Бер юлы уҡыуына ла өлгөрҙө. Ҡатындың юлында яҡшы кешеләр осрап ҡына торҙо. Зифа ИШМЫРҘИНА. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Бесән осоро, еләк-емеш йыйыу кеүек йәйге мәшәҡәттәр артта ҡалды, хәҙер инде уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү менән мәшғүл. Тимәк, баҡсабыҙҙан йыйып алған көҙгө мул уңышты – йәшелсәләрҙе турай-турай, яратҡан телеканалыбыҙ – БЮТ тәҡдим иткән береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ тапшырыуҙарҙы ҡарарға ваҡыт етте. Каналдың яңы биҙәлеше концепцияһы нигеҙендә тамырҙарға ҡайтыу, урындағы традицияларға таяныу идеяһы ята, ти яңы проекттар өҫтөндә эшләүселәр. Яңы миҙгелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Реаль футбол”, “Ты можешь!”, “Ете егет”, “Земляки” – “Яҡташтар”, “Ради добра”, “Детей много не бывает” – “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа” тапшырыуҙары барлыҡҡа киләсәк. Тоғро тамашасылар ҡыуанысына күптәр яратып өлгөргән “Сәләм” һәм “Сәләм, Республика!”, “Бәхетнамә”, “Счастливый час”, “Честно говоря”, “Теге өсәү”, “Посмотрим”, “Башҡортса караоке”, “Башҡорт йыры”, “Байыҡ” тапшырыуҙары ла эфирҙа ҡала. Сентябрь башынан яңыртылған һәм тамашасыға тағы ла яҡынайған БЮТ каналын ҡарағыҙ! Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Хәҙер станция Пролетар урамы, 26-сы йорт адресы буйынса ремонт үткәрелгән элекке кардиология бүлексәһе бинаһында урынлашты. Хәҙер станция Пролетар урамы, 26-сы йорт адресы буйынса ремонт үткәрелгән элекке кардиология бүлексәһе бинаһында урынлашты. Коллектив билдәләүенсә, күсенеүҙе улар ыңғай ҡабул иткән, сөнки эш шарттары яҡшыға үҙгәреүен тойғандар. Хәҙер уларға бүленгән майҙан күпкә иркенерәк. Әлеге ваҡытта “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте ҡул аҫтында 2018-2019 йылғы 9 медицина транспорты бар. Күптән түгел станция В класы буйынса комплектацияланған “УАЗ” машинаһын алған. Ул дауаханаға тиклемге этапта фельдшер бригадаһы тарафынан тиҙ ярҙам саралары күрһәтеү һәм пациенттарҙың хәлен мониторингылау өсөн тәғәйенләнгән. Сентябрҙә “03” хеҙмәтенең заманса медицина ҡорамаллы “Форд” автомобиле менән тулыланыуы көтөлә. Фото: https://pixabay.com/ru Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Благовар үҙәк район, Дүртөйлө районы Әсән ауылы, Туймазы районы Ҡандры ауылы китапханаларының заявкалары Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы тарафынан хуплау тапҡан. Модель китапханалар төҙөү өсөн Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса аласаҡ Китапханаға килеүселәр фәнни, матур әҙәбиәт буйынса йә баҫма матбуғаттың һанлаштырылған ресурстарына инә аласаҡ. Ҡулланыусыларға шәп тиҙлектәге интернет һәм Милли электрон китапханаға инеү мөмкинлеге лә асыла. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Аҡ толпарҙа елеп килгән принц хаҡында хыялланып ултыраһығыҙмы һаман? Ә ул юҡ та юҡ. Нимә эшләргә?Һеҙ төрлө ырымдарға ышанаһығыҙмы? Хәйер, мөхәббәт һәм бәхет мәсьәләһендә беҙ күп нәмәгә ышанып, өмөт менән ҡарайбыҙ инде ул. Мәҫәлән, йондоҙнамәгә, күргән төштәребеҙгә… Бигерәк тә Яңы йыл алдынан. Бөгөн беҙ һеҙгә йорт биҙәге – гөлдәр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Улар араһында өйгә, ғаиләгә бәхет килтерә торғандары ла бар икән. Алда – Яңы йыл! Бындай бүләкте барыһы ла шатланып ҡабул итәсәк, минеңсә. Ниндәй гөлдәр икән улар? Төнгөлөккә «күҙҙәр»ен йомоп йоҡлаған оксалис барығыҙға ла таныштыр инде. Был гөл ниндәйҙер серле көскә һәм мөхәббәт энергетикаһына эйә. Ҡояш байыр алдынан яны­на килеп, теләктәр теләһәң, улар мотлаҡ тормош­ҡа аша, имеш. «Бәхет гөлө» тип йөрөтөл­гән оксалисты өйҙә генә түгел, балконда, баҡсала ла үҫтерәләр. Аҡ, алһыу һәм һары төҫтә сәскә ата. Ә япраҡтары ҡыҙғылт йәки йәшел була. Был сәскәне Яңы йыл байрамына бирергә күнеккәндәр, сөнки ул бәхет килтерә, тип һанала. Етмәһә, тағы ла бер ышаныу бар: иҫке йылдың һуңғы көнөндә хужаһын алмаштырһа, яңыһына мотлаҡ бәхет килтерә, имеш. Һыу яраталар, тупрағын ҡоротмаҫҡа кәрәк. Йәй көндәрендә баҡсаға күсереп торорға ла була. Спатифиллумды икенсе төрлө «ҡатын-ҡыҙ бәхете» тип атайҙар. Ап-аҡ сәскә атыусы гөл гүзәл заттарға икенсе яртыһын табырға ярҙам итә, йортта романтик мөхит тыу­ҙыра, әсә булыу бәхетенә юл аса, мөхәббәттә йәшәтә. Спатифиллум дым ярата – һыуҙы йыш һибеп торорға кәрәк. Уны гөл һауытының төбөндәге тәрилкәгә ҡойорға ла була – тамырҙар үҙенә кәрәк тиклем дымды тартасаҡ. Гөлдәрҙе тура төшкән ҡояш нур­ҙарынан һаҡлайҙар, сөнки улар япраҡтарын һарғайтып киптерә. Был сәскәләр йылы, ҡараңғыраҡ урындарҙы хуп күрә. Тик эргәләренә көслө ир-егеттәр энергетикаһы бул­ған антуриум гөлөн ҡуйырға кәрәк. Шунда ғына был гөл сәскәгә күмелеп, бүлмәгеҙҙе йәмләп ултырасаҡ. Шунан инде, мөхәббәт үҫемлектәр араһында ла була, тигәнгә ышанмай ҡара. Дуҫтар, иғтибар иткәнегеҙ бармы, ҡайһы бер хужабикәләр өйҙәрендәге гөл-сәскәләре менән дә, баҡсалағы йәшелсә-емештәре менән дә «һөйләшеп» йөрөп һыу һибә, наҙлап ҡына һыйпап та ала. Ысынлап та, уларҙың ултырт­ҡан бөтә үҫентеләре күкрәп сәскә ата, мул уңыш бирә. Ҡытай раузаһы, йәғни гибискус дәрт-дарманды арттыра, тотороҡло итә, тип һанала. Уны йоҡо бүлмәһендә үҫтереү отошло. Гибискус йылыны ярата. Шуға күрә 18 – 24 градус тирәһе йылылыҡта тоторға кәрәк. Бүтән гөлдәр кеүек, ул да тура төшкән ҡояш нур­ҙарынан ҡурҡа. Ә бына башҡа яҡтылыҡ, ни тиклем генә көслө булһа ла, бер ҙә зыян килтермәй, киреһенсә, файҙаға ғына. Һыуҙы йыш һәм күп итеп һибәләр. Төбө һәр ваҡыт дымлы булырға тейеш. Шулай уҡ япраҡтарына ла һыу һип­терәләр. Ҡытай раузаһын минераль ашламаларһыҙ үҫте­реү мөмкин түгел. Уға яҙҙан башлап ҡара көҙгә тиклем айына өс тапҡыр ашлама индерәләр. Хойя сығышы менән Таиландтан. Йөрәк формаһындағы япраҡтары үҙҙәре үк улар­ҙың мөхәббәт гөлө икәнлеге тураһында һөйләй. Бик күп илдәрҙә был гөлдө 14 февраль – Ғашиҡтар көнөндә бүләк итәләр. Уны йоҡо бүлмәһендә үҫтерергә кәңәш бирәләр. Ырым буйынса, ғаилә бәхете килтерәсәк. Был гөлдө артыҡ наҙлы тип әйтеп булмай. Әллә ни эҫе булмаған көндө тура төшкән ҡояш нурҙары ла зыян итмәй. Уны бүлмә температураһында, яҡты һәм иркен тәҙрә төптәрендә үҫтерәләр. Үҙе һалҡынды яратмай, ҡышын өшөтһәң, киләһе йыл сәскәһе әҙ була. Сәскә атҡан ваҡытта бер тамсы ғына һыуҙы ла сәскәләренә тейҙермәй һибергә кәрәк, юҡһа улар ҡороп төшәсәк. Гөлдөң төбө бөтөнләй кипмәһен, һибеү өсөн оҙаҡ тотол­ған һыу һәйбәт. Аихризонды «Мөхәббәт гөлө» тип тә атайҙар. Ныҡлы ғаилә булдырырға, оҙон, бәхетле ғүмер кисереүгә булышлыҡ итә, тиҙәр. Уны ҙур һауытта үҫтермәйҙәр, тығыҙ ултырһын. Юҡһа сәскә атмаясаҡ. Гөл яҡтылыҡтан ҡурҡмай. Тигеҙ үҫһен өсөн яҡтылыҡ яғына бороп-бороп ултыртырға кәрәк. Батареяларға яҡын булмауы хәйерле. Аихризондың япраҡтары аҫҡа ҡарап тора, шуға ла һыу һипмәйҙәр. Тулыһынса кибеп бөткәс, әҙләп кенә тупрағына ҡоялар. Үҫемлек һыу етмәгән шарттарҙа үҫергә күнеккән. Әгәр уны гел дымлы тотһаң, тамыры серей башлаясаҡ. Мөхәббәт гөлөн тамырҙары тулыһынса һауытты тултырып бөткәс кенә күсереп ултыртырға мөмкин. Бының өсөн яҙ миҙгеле ҡулай, шул ваҡытта гөл күсереп ултыртыуҙы яҡшыраҡ ҡабул итәсәк. Мирт гөлөн күп илдәрҙә туй­ға бүләк итәләр. Ул яңы өйләнгән кешеләрҙең тормошон нығыта, оҙаҡ йәшәгәндәрҙең ғаиләһенә тотороҡлоҡ килтерә, тип һанала. Шулай уҡ кеше һаулығына яҡшы тәь­ҫир итә, тип ышаныусылар бар. Европала япраҡтарын кәләштең сәсенә ҡушып үргәндәр. Был гөл бик нәзәкәтле, уны үҫтереү мәшәҡәтле. Ләкин япраҡтарын дымлы сепрәк менән һаҡ ҡына һөртөп, иҫ киткес тәмле еҫен еҫкәүең була – бөтә мәшәҡәттәр онотола. Ваҡытында минераль ашламалар менән туҡландырырға кәрәк, һыу һибергә оноттоңмо – ғәфү итмәй, ҡорой ҙа ҡуя. 18 – 20 градуслыҡ йылыла тоталар. Һалҡыныраҡ булһа, йүнләп сәскә атмаясаҡ. Эҫе урынға ҡарағанда йылыраҡ урынды үҙ итә. Тупрағы тулыһынса ҡороп бөткәнгә тиклем тотоу ҡурҡыныс. Ҡышын япраҡтарына һыу һипмәйҙәр, ә бына йәйгеһен миртты душ аҫтында тотоу бик шәп буласаҡ. Был гөлдө теләгән бер формаға килтереп ҡырҡҡыслап була. Ул бик тиҙ үҫә, һабаҡтарын ҡырҡыуҙы еңел кисерә. Үҫемлек тағы ла күркәмерәк булһын өсөн яҙҙан ҡышҡа тиклем тупрағына ашлама индерергә кәрәк. Миләүшә (фиалка, сенполия) – мәңгелек мөхәббәт символы һаналған гөл бер-береһен ярат­ҡан кешеләрҙе тыныс булырға, әрләшмәҫкә, аңларға өйрәтә. Уны яратып ҡына Анютаның күҙҙәре тип тә әйтәләр. Был гөлдө үҫтереү өсөн төп ҡағиҙә – яҡтылыҡ. Ләкин ул ҡояш нурынан ҡурҡа, шуға ла көньяҡҡа ҡараған тәҙрә төптәрендә тотмайҙар. Миләүшәне йогурт һауытында бер ҡалаҡ ер менән генә лә үҫтереүселәр бар, әммә ҙур һауытта гөл ҡеүәтлерәк буласаҡ. Шулай ҙа сама кәрәк, артыҡ ҙур һауыт үҙенсәлеген боҙа, ул матур, ыҡсым булғаны өсөн күптәргә оҡшай. Гөл дымды артыҡ яратмай, уны аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡойоп торорға ла мөмкин. Һыу һибер алдынан туп­раҡ тулыһынса кибеп бөтөргә тейеш, уны өҫтән ҡойһаң, миләүшәнең тамыры ҡороясаҡ. Шуның өсөн аҫтан йылы һыу менән туҡландыралар. Эйе, ҡурсалаусы был гөлдәрҙе алып ҡайтып ултыртыу ғына етмәй, кешеләргә һымаҡ, уларға ла иғтибар, наҙ кәрәк. Өй биҙәге, дарыу йәки бүлмәнең микроклиматын үҙгәртеү сараһы тип кенә ҡабул итергә ярамай. Үҙҙәре һаулыҡ өсөн дә файҙалы: ижади һәләтте үҫтерә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына, организмдың физик, психологик торошона тәьҫир итә, бүлмәләге һауаны таҙарта. Улар күкрәп сәскә атһын, ғаилә йылыһы, матди уңыш, кәйеф күтәренкелеге килтерһен, тиһәк, күңелеңде һалып тәрбиәләргә, мөхәббәтеңде бүләк итергә кәрәк. Һөйләшергә, серҙәреңде асырға, хатта кәңәш һорарға мөмкин. Шул ваҡытта ғына улар һине тормоштоң теләһә ниндәй күңелһеҙлектәренән һаҡлар. Кем белә, бәлки, ысынлап та, ошо изге тойғо идара иткән онотолмаҫ яңы тормош башларға ла ярҙам итер. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостандың Дәүләкән ҡалаһында һыу таҙартыу станцияһы төҙөлә. Был эштәр "Экология" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы бүленгән аҡсағы алып барыла. Яңы ҡоролма ғинуарға тиклем сафҡа индерелергә тейеш. Башҡортостандың Дәүләкән ҡалаһында һыу таҙартыу станцияһы төҙөлә. Был эштәр "Экология" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы бүленгән аҡсағы алып барыла. Объекттың дөйөм хаҡы — 107,4 миллион һум. Шуның 104,4 миллионы федераль ҡаҙнанан бүленгән, 2,1 миллион һумы - республиканыҡы. Урындағы бюджет иһә проект-тикшереү эштәренә 740 мең һум аҡса йүнәлткән. Дәүләкәндә һыу сифатын күтәреү өсөн система эшләп ҡуйырға ҡарар ителгән. Был ҡаланың 24 мең кешеһен үҙәкләштерелгән һыу үткәргестән сифатлы эсәр һыу менән тулыһынса тәьмин итәсәк. Яңы ҡоролма ғинуарға тиклем сафҡа индерелергә тейеш. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. 19 сентябрь иртәһендә республика көслө дауыл ҡамауында ҡалды, тип хәбәр итә Башгидромет. Бөгөн төбәктә ямғыр, төньяҡ райондарҙа көслө ямғыр яуыуы, көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 21-26 метрға етеүе көтөлә, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +10,+15 градусҡа тиклем түбәнәйә. 20 сентябрҙә атмосфера күренештәренең көсө кәмей. Синоптиктар фаразы буйынса, ял көндәрендә һауа температураһының артабан түбәнәйеүе көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +8, +9, төндә,+3,+4 градусҡаса төшә. Киләһе аҙнала ошондай һауа торошо һаҡлана, төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы нулдән түбән була. Урыны менән ҡар яуа. http://www.bashinform.ru/news/1355888-v-bashkirii-sushchestvenno-ukhudshilas-pogoda-na-sleduyushchey-nedele-vypadet-sneg/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев башлаған “Рамаҙан – изгелек эстафетаһы” акцияһында ҡатнашыусылар Асҡын районында арта бара. Бөгөн иртә менән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Айгөл Сөләймәнова акцияға ихлас ҡушылды. Айгөл Нәфис ҡыҙы “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙылып, квитанцияны 1 июнь — Балаларҙы яҡлау көнөндә үткәрелгән “Коляскалар парады” конкурсында ҡатнашыусы күп балалы әсәгә бүләк итте. Әйткәндәй, Айгөл Сөләймәнова үткән йылда ла “Йәнтөйәк”кә яҙылып, баҫманы биш бала тәрбиәләнеүсе ғаиләгә бүләк иткәйне. Рамаҙан айында изгелек ҡылыусылар тағы ла артыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Наилә Имаева. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Республика “Йәшлек шоу” конкурсы йыл әйләнәһенә ҙур кимәлдә үткәрелеп килә. Был конкурста ҡатнашҡан Башҡортостаныбыҙҙың бик күп талантлы йырсылары хатта оло сәхнәләргә табан башланғыс алды. 14 ноябрҙә лә Өфө “Башҡортостан” ҡала концерт залында «Йәшлек шоу – 2019» йәштәр фестиваленең финалы булды. Ул беренсегә “Продюсерҙар көрәше” исеме менән үтте. Башҡа күп йәш йырсылар, талантлы төркөмдәр төрлө номинацияларҙа еңеп, дипломдар менән бүләкләнделәр. Уларҙың сығыштары тамашасыны хайран ҡалдырыҙы. Бер сәхнәлә йәш йырсылар менән бергә «Арғымаҡ»,«Бишбармаҡ», «Дәүриш-Хан» төркөмдәре,этно-шоу проекты ZAINETDIN, RNT, МС Баш, Таһир Әсәҙуллин, Алтынай Вәлитов, Наил Bashstyle, Илнур Рамаҙанов, Ябай Малай һәм Вилли (ELVIN GREY PLAY), Ruzit, Зилия һәм Юлиә Бәхтиевалар, Диана Шыгапова, Гөлйемеш Ҡылысова, Ләйсән Ғәлимова, IZI, Рөстәм Ғиззәтуллин кеүек көслө популяр йырсылар ҙа сығыш яһанылар. Ҙур кимәлдә үткәрелгән йыр байрамының Гран-при яулаусыһы 19 йәшлек Өфө студенты Хәйҙәр Ибраһимов лайыҡ булһа, 1-се урынға Илнар Ғәниев сыҡты. Был ике егеттең дә продюсеры яҡташыбыҙ Илнур Рамаҙанов. Тамъян ырыуынан булған Илкәнәй ауылы егете, Халыҡ-ара, Рәсәй, Республика халыҡ йырҙары башҡарыусы еңеүсеһе – Илнур Рамаҙановтың тәрбиәләнеүселәре “Йәшлек шоу” конкурсында Гран-при һәм беренсе урын алыуҙары беҙҙең районыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ! Илнур йәш булыуына ҡарамаҫтан ҡайһы эшкә тотонһа ла ең һыҙғанып башҡара, көс-ғәйрәтен һала. Башҡортостаныбыҙҙа балалар һәм үҫмерҙәр араһында ғына түгел, ә йәш таланттарҙы үҫтереүҙә лә илһамланып эшләп, мәҙәниәтебеҙҙең бәҫен күтәреп рухланып йәшәй. Афарин, Илнур! Айгөл ХАЛИҠОВА Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
14 апрелгә ҡарата оператив мәғлүмәттәр буйынса, хәҙер Башҡортостанда 129 кеше коронавирус инфекцияһы менән сирләй. Уларҙың туғыҙы һауығып сыҡҡан, өсәүһе үлгән. 14 апрелгә ҡарата оператив мәғлүмәттәр буйынса, хәҙер Башҡортостанда 129 кеше коронавирус инфекцияһы менән сирләй. Уларҙың туғыҙы һауығып сыҡҡан, өсәүһе үлгән. Уҙған тәүлектә республикала коронавирус менән сирләүҙең 22 яңы осрағы асыҡланған. Стопкоронавирус.рф порталында хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙә бөгөн 21 102 сирле иҫәпләнә, уларҙың 1 694-е һауыҡҡан, 170 кеше үлгән. Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә бөтәһе 2 274 яңы осраҡ раҫланған, 22 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 224 кеше тулыһынса һауыҡҡан. "Башинформ". Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов ЛНР-ҙа командировкала. Ошо көндәрҙә ул беҙҙең табиптар һәм юлсылар менән Александр Доставалов исемендәге батальонға посылкалар алып барған. Башҡорт батальонына ярҙам барып еткән Әле яҡташтарыбыҙ Запорожьела - алғы һыҙыҡтарҙа. Батальон командиры кәрәк-яраҡтар исемлеге төҙөгән, уны командировкалағылар Ростовҡа барып алған һәм дүшәмбелә һалдаттарға тапшырған. Посылкала кейем-һалым, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек бар. Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, тип яҙа "Башинформ", урындағы хакимиәт менән килешелгәнсә, дауаханала Башҡортостан һалдаттары өсөн 25 урын булдырылған.
Эндрю рулетка ч мәскәү ойоштороу күҙалланаКем ҡыҙыҡлы Эндрю күберәк белер Өсөн интервью бирҙе. Мин бер мәле тураһында яҙа, Интернет кеүек уникаль эш хаҡы Өсөн үҙ ысынлап та ла, Оло уйларға кәрәк, яңы идеялар, Ул мөмкин провернуть ине: глобаль Селтәре менән клара, башына. Был уңыштың төп идеяһына яңы Барлыҡҡа видеосервисдарынан каталог бүленгән видеоконтент Менән донъя бөтә кеше башҡа Мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә, бөгөн беҙ күп төрлө Яза клон яһарға була. Нисек әйтергә, үҙен һәр бәлеш Киҫәген алырға теләне, хатта улар Иҫәбенә-булды уйы. Телем әйтер, бөгөн интернетҡа эләкмәй Бик ҡатмарлы тип, уйланы ә Иң мөһиме, тормошҡа ашырылған һәм Әле үҙ сервис уникаль. Был проект бөгөн инде 30 000 000 евроға баһалана, хәйер, Уны ғына 2009 йылдың 16 Ноябргә тиклем асыҡ буласаҡ. Проекты популярлыҡ яулай һуң, хәбәрсе Булараҡ, ҡайһы бер хәйерле иртә, Америкала, Нью-Йорк Таймс, Нью-Йорк һәм был уның мэгазин Күреүе тураһында һөйләне. Рус рулеткаһы менән ҡыҙы - был Хеҙмәте, аралашыу мөмкинлеге видео-сат Менән ир-атта, кәмәлә торған Образ осраҡлы һайланмаған сайтында һәм Шулай итеп рулетка. Был осраҡлы булыуы мөмкин әңгәмәләште Күршеһе булараҡ, кеше һәм башҡа Континенттарҙа ла бәлки, хатта голливуд йондоҙҙары. Интуитивно идаралығы сайтында һәм бик Ябай аңлашыла: һеҙ камера тоташтырырға Ғына кәрәк. Төймәгә басыгыз һәм сайтында шашып. Өс көн эсендә сценарий яҙыла Ойошторабыҙ, тик уны көнөндә килтерһендәр Dollars проект 1500 самаһы. Шул тиклем һәйбәт, тип уйлайым Ч рулетка Андрей мәскәү студенттары. Әгәр һеҙ күберәк белеү ҡыҙыҡлы, Интервью уҡыусылары өсөн эндрю. Мин беләм, һеҙ нисектер, әммә Мин, мин уңышлы кеше тураһында Уҡып, ғорурлыҡ тойғоһо һәм өмөт. Донъя байлығы һәм дан кеше Туранан-тура беҙҙең танау аҫтына ала. Был хәлде бөтәбеҙ ҙә шунда-Шунда булған, ә туранан-тура Бында, беҙҙең ерҙәрҙә. Йыш ҡына кеше бай була Барыһында ла веб-мастерҙар. Беҙ һәр бер миллион эшләргә Мөмкин мөмкин түгел, ә бер. Әгәр өҫтәрәк ниндәй ҙә сәбәп Юҡ йәки үҙенсәлекле камера эшләргә Лә эшләргә Шатрулетка, урыҫ эквивалентын ҡуллана. Видеочинать ҡағиҙәләре ябай: ниндәй телдә Вульгар, мыҫҡыл ҡатнашты теге йәки Был формаларын, тулы йәки өлөшләтә Разоблачение онотмайыҡ, - тип, бәлиғ булмағандар Араһында балалар күп файҙаланыусы ч. Бөтә һалынған тыйыуҙы боҙоу була-Адресы, сайтҡа инеүселәргә улар бөтөнләйгә ябыла. Бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ, был Памм иҫәбенә аҡса инвестициялар, һеҙ Эшләгән һәм тәжрибәле трейдер. Альпари мин компанияларҙың инвестиция тәҡдим ителә. ябай уйын. Газиантеп хеҙмәтендә Танышып, етди Мөнәсәбәт өсөн Бушлай таныша Ayollarning dalda maktublari: onlayn dating modellari, video-tanishuv ҡыҙ менән видео чат видеочить танышты бушлай теркәү видео чат башҡа бушлай таныша теркәлгән видео чат өлкәндәр өсөн бушлай таныша теркәлгән өлкәндәр өсөн танышыу тел таныштырҙы. ҡатын-ҡыҙ сайтында танышырға видео ҡыҙы менән бушлай видео чат башҡа видео чат
Субырлап аҡҡан йәшемде һөртәм. Шул саҡ кемдер арттан килеп күҙҙәремде ҡаплай. Бында минең бер генә танышым да юҡ, кем һуң? Ҡулдарын тотоп ҡарайым: ҙур, көслө ир-егет ҡулы.Кинәт артыма әйләндем: йылмайып Ғәлинур баҫып тора. Элек оҙон итеп үҫтерергә яратҡан тулҡынлы һоро сәстәре ҡыҫҡа ғына итеп алынған. Моғайын, аварияға осрағас, дауаханала ҡырғандарҙыр. Яғымлы, тыныс һоро күҙҙәр, тигеҙ ап-аҡ тештәр… Мин, ҡулыма диплом алғас та, һөйләшеүҙәр пунктына йүгерҙем. Йән һөйгәнем йәшәгән тарафҡа осоп барырҙай булып, күптән көтөлгән яҡын тауышты ишетергә өмөтләнеп, телефон трубкаһына үрелдем. Әммә теге остан ишетелгән ҡатын-ҡыҙ тауышы мине айнытып ебәргәндәй булды. – Ғәлинур дауаханала ята шул, килә алманы. Ике аҙна самаһы элек аварияға эләккәйне, – тине минең менән һөйләшергә килгән бер туған апаһы Гөлшат бошонҡо ғына тауыш менән. Аяҡ аҫтында ер убылып китте. Һәрмәләнеп, кабинка ишегенең тотҡаһына тотоноп, арҡам менән стенаға һөйәлдем. – Хәле нисек һуң, Гөлшат апай? Төҙәләме? – Арыулана, буғай. Һин бигүк ҡурҡып китмә тағын. Тәүҙә беҙҙе лә борсоуға һалғайны ул, хәҙер ҡурҡынысы үтте инде. Мин еңел ҡулап ҡуйҙым. – Ярай улай булғас, Гөлшат апай, бәлки, үҙемә Ғәлинур эргәһенә барып сығырғалыр?! – Саҡырыуҙы көтөргә кәрәк ине лә бит, ләкин был һүҙҙәр минең ихтыярымдан тыш, үҙенән-үҙе телемдән ысҡынды. Гөлшат апай берауыҡ яуап бирмәй торҙо. Бәлки, Ғәлинурҙың хәле бик мөшкөлдөр, миңә уны шул хәлдә күрһәтергә теләмәйҙәрҙер? Авария тине бит, кем белә?.. – Әллә инде, һылыу. Үҙең ҡара… – Барам, Гөлшат апай, иртәгә үк барам! Минең бында эштәрем бөттө, ауылға ҡайтып китергә тип йөрөй инем. – Улайһа, иртәгә тиклем. Хуш, һылыу! Гөлшат апай трубканы һалғас та, мин байтаҡ уйланып торҙом. Иртәгә күрешәсәкбеҙ. Ни хәлдәһең икән, Ғәлинур? Бар ағзаларың теүәлме, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалһаң ни эшләрмен?! Булһын, өс йылдан ашыу яратып, һәр хатын, һәр ым-ишараһын көтөп, ҡояштан нур алған айҙай, Ғәлинурҙың йылмайыуынан нурланып, һәр һүҙенән балҡып йәшәгән мин түгелме ни?! “Һиңә бер серем бар. Институтты бөткәс әйтермен әле,” – тигәйне Ғәлинур һуңғы осрашҡанда. “Ниндәй сер булыуы мөмкин?” – тип уйланым мин автобус Өфө вокзалынан ҡуҙғалып киткәндә. “Сер. Моғайын… Моғайын, Ғәлинур миңә тормошҡа сығырға тәҡдим яһар. Башҡаса ни эшләп минең институтты тамамлауымды көтөргә?” Ярты йыл элек, Яңы йыл кисендә әйткәйне. Мин ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, бик белгем килеп, инәлеп-ялбарып һораһам да, ниндәй сер икәнен сисмәгәйне. “Юҡ, уҡыуыңды бөтөр әле, шунан күҙ күрер. Ә әлегә мин бер нимә лә әйтмәне тип уйла, йәме!” Ялтыр-йолтор, аллы- гөллө биҙәүестәре менән, әле янып-әле һүнеп, балҡып торған шыршы эргәһендә, сихри моң аҫтында бик ишеткем килгәйне минең был һүҙҙәрҙе… Район үҙәге урынлашҡан ҡаласыҡҡа еткәс, кешеләрҙән һорашып, урам автобусына ултырҙым. Алыҫ түгел икән алай ҙа дауаханалары, ике-өс туҡталыштан һуң килеп тә еттем. Ниндәй палатала ятыуын да һорашырға онотҡанмын Гөлшат апайҙан. Хирургия бүлегенең фойеһына ингәс, стенаға эленгән исемлек яҙылған ҡағыҙҙарҙан Ғәлинурҙың фамилияһын эҙләргә тотондом. Бик күп әҙәм ята икән был бүлектә. Шулар араһында минең Ғәлинурым да…Ҡапыл йөрәгем дарҫлап тибергә кереште. Нисек итеп, ниндәй хәлдә күрермен мин һине, Ғәлинур?! Күҙҙәре генә асыҡ ҡалдырылып, ап-аҡ бинтҡа уралған Ғәлинур түшәктә ята…Ҡалҡына ла, хатта ҡулдарын ҡыбырҙата ла алмай. Мин йүгереп уның күкрәгенә ҡапланам да үкһеп-буҫлығып иларға керешәм. Ни өсөн һин шундай хәлгә ҡалырға тейеш, Ғәлинур? Мин уҡып бөткәс кенә…Күпме көткән осрашыу, бәлки, ҡауышыу мәле еткәс кенә? Ниңә яҙмыш шулай аяуһыҙ һуң?! Юҡ, мин барыбер бирешмәйәсәкмен, эргәңдән көнө -төнө китмәй бағасаҡмын, аяғыңа баҫтырасаҡмын мин һине, һөйөклөм. Буласаҡ табипмын бит әле… Субырлап аҡҡан йәшемде һөртәм. Шул саҡ кемдер арттан килеп күҙҙәремде ҡаплай. Бында минең бер генә танышым да юҡ, кем һуң? Ҡулдарын тотоп ҡарайым: ҙур, көслө ир-егет ҡулы. Кинәт артыма әйләндем: йылмайып Ғәлинур баҫып тора. Элек оҙон итеп үҫтерергә яратҡан тулҡынлы һоро сәстәре ҡыҫҡа ғына итеп алынған. Моғайын, аварияға осрағас, дауаханала ҡырғандарҙыр. Яғымлы, тыныс һоро күҙҙәр, тигеҙ ап-аҡ тештәр… Бер ҙә үҙгәрмәгән, тик йөҙө генә, дауаханала ятҡан ауырыуҙарға ғына хас булғанса, ағарып, ябығыңҡырап киткәндәй. Күргәнемә һаман ышана алмайым, өндәшергә тел әйләнмәй, илап ебәреүҙән ҡурҡам. Башымдан төрлө уй үтә. Күҙҙәремде ҡаплағас, тимәк,ҡулдары имен. Ә аяҡтары? Ҡарашымды аҫҡа йүнәлтәм. Аяҡтары ла үҙенке, заманса ғына туфли кейгән. Иҫән, иҫән икән бит минең Ғәлинурым, аяҡ-ҡулы ла үҙ урынында! Инде шатлыҡтан илап ебәрмәҫ өсөн ситкә ҡарайым. Ғәлинур йомшаҡ ҡына итеп ҡулдарыма ҡағыла: – Киттекме? – Ҡайҙа? – Ауылға. Әсәйемдәр көтөп тора. – Мин шунда ғына Ғәлинурҙың кейеменә иғтибар итәм: өҫтөндә дауахананың буйлы пижамаһы түгел, ә бик матур килешле костюм- салбар. – Ә һине ебәрәләрме һуң? – Эйе. Хәҙер һине ҡайтарып ҡуям да, кире килеп, кискелеккә укол ҡаҙатып, дарыуҙар алып ҡайтырмын. Беҙ етәкләшеп дауахана ҡаласығынан сығабыҙ. Бәхетемә һаман ышана алмайым. Ысынлап та килдемме, күрҙемме мин Ғәлинурҙы? Әллә төш кенәме? Бөтә ағзалары ла теүәл, һин дә мин йөрөп ята. Ә мин, йүнһеҙ, әллә ниндәй йәмһеҙ, ҡурҡыныс күренештәрҙе күҙ алдыма килтереп, нимәләр генә уйлап бөтмәнем. Насарға юрарға ярамай, нимәгә юраһаң – шул юш килә, тиҙәр түгелме әле? Изгегә генә була күрһен инде… Минең бәхетемә имен ҡалғандыр Ғәлинур. “Ә улай булғас, ниңә осрашыуға килмәгән һуң?” – тигән уй күңелемдең аҫтын-өҫкә әйләндермәксе булып ҡоторона. Тик ундай ҡотортҡосто мин йәһәт кенә баҫтырып ҡуям: “Бәлки, улар юрамал минең килеүемде теләп, аварияны ла юрый уйлап сығарғандырҙыр. Был яҡтарҙа егеттәр ҡыҙҙарҙы урлап алыуға бик әүәҫ. Әллә Ғәлинур ҙа…” Аҙағын уйлап бөтөрөргә шөрләйем, үҙ уйҙарымдан үҙем ҡасам. Ғәлинурҙарҙың ауылы ҡаласыҡтан алыҫ түгел, ун биш – егерме минуттан автобустан төшөп ҡалдыҡ. Ауыл халҡы шулай ҡыҙыҡ инде ул: осраған береһе һаулыҡ һораша, ят кешегә, йәғни миңә, һынап ҡарай. Кем менән ҡайтып килә Ғәлинур, тиҙәрҙер инде. Ә бер ағай уратып-суратып торманы, Ғәлинур менә ҡул биреп күрешкәс тә: – Әллә киленме? – тип һораны. Минең уйлауымса, Ғәлинур юғалып ҡалманы. Ҡуйы ҡара ҡашын һикертеп кенә ҡуйҙы ла: – Бәлки! – тине. “Бәлки!” Тимәк… Минең күңелем ҡанатланып осоп китте, тотоп урынына ултыртырмын тимә… Шәмәхә йәшелгә буялған ҡапҡа, баҡса рәшәткәләре әллә ҡайҙан күренеп тора. Асыҡ бейек болдорҙа тороусы – әсәһелер. Килеремде белгәс, әҙерләнеп көтәлер. Ғәлинурҙың әсәһен, Ғәйшә инәйҙе, мин электән беләм. Дөрөҫөрәге, дуҫлаша башлағанда уҡ алып ҡайтып таныштырғайны беҙҙе Ғәлинур. Сире арҡаһында күп ваҡыт түшәктә ятып ҡына тора Ғәйшә инәй. Таныш йортҡа еткәс, аяҡтар ҡалтырана башланы. Нисек ҡаршыларҙар мине буласаҡ бейемем менән бикәмем? Үҙе килеп, әрһеҙләшеп йөрөй, тимәҫтәрме? Әллә, тупһаға мендәр һалып, килендәре итеп ҡаршыларҙармы? Нисек тоторға үҙемде: алсаҡ-һүҙсән булырғамы, әллә тыйнаҡ- баҫалҡымы? Ниндәйерәк килен көтәләр икән улар? Болдорҙа ысынлап та Ғәйшә инәй (әлегә инәй!) ҡаршы алды. Ҡушҡуллап күрешкәс, эйәртенешеп өйгә индек. Гөлшат апай менән ҡосаҡлашып күрештек, сикәгә сикә тейҙерҙек. Осрашыу мин көткәндәгенән күпкә ябайыраҡ та, еңелерәк тә килеп сыҡты. Минең тулҡынланыу – ҡаушауымды һиҙмәнеләрме, әллә һиҙһәләр ҙә, уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, өндәшмәнеләрме? Ғәлинур инеү менән, ҡәнәфигә ултырып, телевизор ҡабыҙҙы. Ғәйшә инәй он иләп, йомортҡа һытып, ҡамыр баҫырға тотондо. Мин ҡала күстәнәстәрен Гөлшат апайға биргәс, ни эшләргә белмәй, улар эргәһендә баҫып торҙом. – Әйҙәгеҙ, миңә лә берәй эш ҡушығыҙ, бәлки, картуф әрсергәлер? – тинем уңайһыҙланып. – Ҡуй, Ғәлинур эргәһендә ултырып ҡына тор. Юлда йонсоғанһыңдыр. Өфө – яҡын ара түгел. Хәҙер аш өлгөрә, – тине Ғәйшә инәй, яғымлы ҡарап. Еңел һулап, Ғәлинур эргәһенә сыҡтым. Өндәшмәй генә экранға текәлгәнбеҙ. Миндә, әлбиттә, тапшырыу ҡайғыһы юҡ. Ни эшләргә, ни һөйләшергә белмәйем. Тик кенә ултырыуы ла уңайһыҙ һымаҡ. Ул арала аш бешеп сыҡты. Табын артында күбеһенсә Ғәйшә инәй менән Гөлшат апай ғына һөйләште тиерлек. Минең ата-әсәйем, туған- тыумасам хаҡында һораштылар. Ашап бөткәс тә, Ғәлинур кире район үҙәгенә юлланды. – Оҙаҡламам. Барып ҡына күренәм дә ҡайтам. Пока! – тине ул ҡапҡанан сығышлай. Ғәлинур киткәс, өй бушап ҡалғандай тойолдо. Гөлшат апай менән икәүләп өҫтәлде йыйыштырып, һауыт-һабаны йыуғас, урамдағы эскәмйәгә сығып ултырҙыҡ. Ҡасандыр тап ошонда Ғәлинур менән таң ҡаршылағайныҡ. Шул хәтлегем матур айлы кис ине. Нимәләр генә һөйләштек икән, хәтерҙә ҡалмаған. Ләкин беҙгә шундай күңелле ине, төнө буйы һөйләшеп-көлөшөп сыҡтыҡ. Киске һиллек. Тауыш-тын юҡ. Яңы ғына япраҡ ярған ағастарҙан, ерҙе тишеп баш күтәргән йәш үләндән иҫерткес тәмле хуш еҫ бөркөлә. Ыуыҙ ғына асыҡ йәшел төҫ бар ауылды уратып алғандай тойола, сөнки һәр өй алдындағы баҡсала – төрлө емеш ҡыуаҡтары, ағастар, ә ауыл уртаһында-ҙур ғына ял паркы. Мин рәхәтләнеп саф һауа һулайым. Гөлшат апай өндәшмәй ултырыуымды ҡайғырыуҙан, Ғәлинур юҡлыҡтан тип уйлай, шикелле. – Борсолма, хәҙер ҡайтып етә ул. Автобусҡа өлгөрмәһә, үткенсе машиналарға ултырыр. Бик тә булмаһа, йәйәүләп ҡайтыр. Ун биш саҡрым уға арамы ни? Ҡайһы мәл ул шулайтып кисләтеп ҡайтып, өйҙә йоҡлап китә, – ти. Уның йыуатыуынан мин ысынлап та борсола башлайым. Автобус менән барып кире урауға бер сәғәт етә. Ә Ғәлинурҙың киткәненә өс-дүрт сәғәтләп үткәндер инде. Эңер төшә башланы. Ауылға ғына хас тынлыҡты боҙоп, һарайҙа әтәс ҡысҡырҙы, һыйырҙың мышнап, быҙауына тауыш биреп, мөңрәгәне ишетелде. Тыҡрыҡта бер-ике кешенең шәүләһе күренде, ҡыҙыҡай сағыу матур тауыш менән рәхәтләнеп ҡысҡырып көлдө. Бәхетле, ҡәнәғәт кеше генә шулай ихлас, донъяһын онотоп ғәмһеҙ көлә ала торғандыр. Егеттең тауышы баҫалҡы ғына, көңгөр-ҡаңғыр ишетелеп ҡалды. Нимә әйтеп көлдөрҙө икән егет? Моғайын, йөрәген асҡандыр, һөйөүен белдергәндер… – Әйҙә, инәйек инде, һалҡын да төштө. – тип ҡалтыранып ҡуйҙы Гөлшат апай. – Миңә сәғәт дүрттә, иртәнге һауынға торорға кәрәк. Өндәшмәй генә Гөлшат апай артынан эйәрәм. – Теләһәң верандала йоҡла. Унда еләҫ тип, өйҙөң тынсыулығын яратмай , Ғәлинур йоҡлай торғайны. Мин верандала йоҡларға ризалашам. Гөлшат апай тыныс төн теләп, өйгә инеп китте. Бер карауат менән бер өҫтәл генә ҡуйылған таныш верандаға инәм. Өҫтәлдәге магнитофонды тоҡандырам. Бүлмәгә сихри моң тула. Тауышын баҫып, карауатҡа менеп ултырам да тәҙрә рамына һөйәләм. Аяҙ яҙғы кис. Кисме, төнмө? Күк йөҙөн меңәрләгән йондоҙҙар сыбарлаған. Ана, Ҡош юлы тап минең түбәмдән үтә. Ҡош юлы. Ҡош юлы буйлап килгәнмендер кеүек Ғәлинур янына. Һөйгәнемдең ауыр хәлдә икәнен ишетеп, ҡоштай осоп килдем бит мин. Ауыр хәлдә, тименсе, ярай әле ауыр хәлдә түгел. Хәҙер ҡайтып етер. Нимә тип әйтер икән? Теге серен сисерме, юҡмы? Ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәйенсә, төгнө күктең сихрилығына, ҡабатланмаҫ матурлығына иҫем китеп ултырам да ултырам. …Ҡасандыр ошо карауатта икәүләп төн үткәргәйнек. Иҫләйһеңме икән уны, Ғәлинур? Шундай саф, шундай илаһи гүзәл саҡ ине ул. Киске уйындан арып-талсығып ҡайттыҡ та, ошонда ауҙыҡ. Ғәлинур мине ҡосаҡлаған килеш, сикәмдән генә берҙе “әп” итте лә, хәйеле төн теләп, йоҡлап та китте. Мин уның киң күкрәгенә башымды һалып, тәненән, сәстәренән килгән илерткес хуш еҫте еҫкәп, ҡыбырҙау түгел, тын алырға ла ҡурҡып яттым. Яратҡан кешеңдең тын алышын тыңлап, ҡосағында тик кенә ятыу ҙа ниндәй оло бәхет икән, тип аптырағайным. Саҡ ҡына ҡымшанһам да, ошо серле тынлыҡ юғалыр, төш кенә булып ҡалыр төҫлө. Мин таң атҡансы татлы хыялдарға бирелеп, Ғәлинурҙың сибәр, һөйкөмлө йөҙөнә төбәлеп, һоҡланып сыҡтым. Аҙаҡтан бик оҙаҡ ошо сихри, сәйер төн хаҡында уйланып йөрөнөм. Шул хәтлем дә балалыҡ, сафлыҡ-паклык сиге булып тойолдо ул төн миңә. Йылдан ашыу ваҡыт үткәс, бүлмәләш әхирәттәремә һөйләнем. Улар иһә рәхәтләнеп көлдө. – Китсәле, алдайһыңдыр! Төнө буйы йоҡлап ятҡас, егетме ни ул! Эшкинмәйҙер, – тинеләр. Ниңә һөйләгәнемә үкенеп бөтә аланым. Матурлыҡ- таҙалыҡтан кер эҙләгән әхирәттәрем әҙәпһеҙ ҙә, йәл дә күренде. Бөгөн дә мин үткәндәремде иҫләп, таң атҡансы йондоҙло күкте иңләп, йоҡоһоҙ уйланып сыҡтым. Тик был юлы һинең ҡосағыңда түгелмен шул, Ғәлинур. Һин ҡайтманың… Иртәнсәк мин йыуынып өйгә ингәндә. Гөлшат апай һауындан ҡайтмаған ине әле. Ғәйшә инәй, ауырлыҡ менән генә йөрөп, сәй хәстәрләй. Мин уға өҫтәл әҙерләштем. Ни өсөндөр үҙен ғәйепле кешеләй тотҡан инәй йәл булып китте. – Ҡайтармағандарҙыр. Хәҙер иртәнге обходтан һуң, ҡайтып етер, – тине ул мине йыуатҡандай. Мин йылмайып ҡуйҙым:Эй, инәй, мин борсолмайым. Ҡайтмағас, ҡайтманы инде. Имен-һау булғас ярар. Мин хәҙер юлға сығам. Ҡайтыр билетты Өфөлә үк алып ҡуйғайным. Ни өсөндөр Ғәйшә инәй алдындағы кисәге оялыуым, тартыныуым юҡҡа сыҡҡайны. Үҙ өйөмдәгеләй иркенләп ултырып сәй эстем, өҫтәлде йыйыштырҙым. Унан һуң инәйҙең һынсыл ҡарашы аҫтында өҫтөмдәге йәйге күлдәгемде сисеп, юлда уңай булһын өсөн йоҡаҡ зәңгәрһыу салбар кейҙем, ҡыҫҡа еңле блузка эләктерҙем. Өйөп ҡуйған еренән ысҡындырып, оҙон сәстәремде яурындарыма туҙғыттым. Ғәйшә инәй яҫтығына һөйәлеп, ғәйепләгәндәй, борсоулы төҫ менән мине күҙәтә. “Кит әле, былай ауыл килене була тиме ни? Минең алдымда салбар кейеп тормаһа!” – тигән кеүек. Ләкин мин, ниңәлер, был хөкөмдар ҡараштарҙан юғалып ҡалмайым. Кескәй сумкамдан буянғыстар алып, күҙемә һөрмә тартам, сикәләремә алһыу яғам, иренемде ҡыҙартам. “Миңә барыбер, барыбер”, – тигәндәй, былай саҡта аҙ ғына яҡҡан буянғыстарымды мулыраҡ тондорам, сағыуыраҡ төҫтәр һайлайым. – Ҡабаланмаһаңсы, балам, Ғәлинурҙың ҡайтҡанын көтһәңсе, – ти Ғәйшә инәй оҙата сыҡҡанда. – Юҡ, инәй, автобусҡа китергә күп ҡалманы, һуңлайым, – тием, ныҡ булырға тырышып. Инде түгеләм тип торған күҙ йәштәрен йотоп, инәйҙең (хәҙер инде ысынлап та инәй менән һуңғы күрешеү бит!) йыйырсыҡтар йырмаслаған ике сикәһенән үбәм, ҡаҡса ғына арҡаһынан һөйөп яратам. – Һау бул, Ғәйшә инәй! Башҡа күрешергә яҙмаһа, ғәйепләмәгеҙ инде мине, яраймы?! Инәкәйемдең дә күҙҙәре йәшләнә: – Матур йөрө, балаҡайым. Үҙең риза булып кит, – ти арҡамдан тупылдатып. – Хуш! – Мин йүгереп тигәндәй оло юлға сығам, артыма боролоп ҡарамаҫҡа тырышып, алға ынтылам. Боролоп ҡараһам, китә алмам төҫлө. Ләкин арҡам менән инәйҙең баҡса алдындағы эскәмйәһенә ултырып, бер ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, икесеһен болғай-болғай миңә төбәлгәнен һиҙәм… Келт итеп бынан ете йылдар самаһы, мин мәктәпте тамамлар алдынан булған бер ваҡиға иҫкә төшә. Минең менән бындай хәл булды ла баһа… Зәки менән беҙ беренсе кластан алып һигеҙенсене бөткәнсе бергә уҡыныҡ. Ул – малайҙар, мин –ҡыҙҙар араһында атаман- лидер. Ниндәй генә кисәләр, ярыштар, концерттар булмаһын, башлап йөрөүсе беҙ икәү. Беҙҙе гел бергә күреп өйрәнгән һабаҡташтар ҙа, уҡытыусылар ҙа, пар килеп кенә тораһығыҙ, тип матур киләсәк юраны. Йәшереп кенә, эстән генә мин дә шулай уйлай инем. Бер көн Зәки: “Имтихандар бөткәс, мин һиңә бер һүҙ әйтермен, яраймы?!” – тигәйне. Өҙөлөп, сабырһыҙланып көткәйнем мин ул көндө. Моғайын, икәүләп берәй ергә уҡырға инәйек, айырылышмайыҡ, тип әйтергә теләйҙер. Бына төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышыр хушлашыу кисе лә килеп етте. Йола буйынса, бер-беребеҙгә бүләктәр алдыҡ. Мин дә үҙемдең кескенә бүләгемде тотоп, Зәки саҡырған ергә осрашыуға килдем. Ялтыр ҡағыҙға төрөлгән гөлләмә тоттороп, Зәки миңә көтөлмәгән һүҙ әйтте: – Ғәфү ит, һабаҡташ! – тине тулҡынланып, ҡарлыҡҡан ят тауыш менән. – Мин һине өмөтләндереп, үҙемдең яратыуымды әйтергә тип көттөргәйнем. Ләкин ул хис…ул хис үтте. Яратмайым мин һине, һабаҡташ. Хуш! – Хуш! – Мин, гөлләмәне тотоп, килгән яғыма йүгерҙем. Битемдән, ямғыр тамсылары ише, күҙ йәштәрем тәгәрәй ҙә тәгәрәй. Ә артымдан, бер тотам ҡалмайынса, әлеге ҡос осҡос һүҙ баҫтырып килә: “Яратмайым! Яратмайым! Яратмайым! “ “Их, саҡырмаһасы осрашыуға, бүләк бирмәһәсе! Ул сағында яратмағанын былай ҙа аңлар инем. Мөхәббәтте генә ҡысҡырып әйтергә кәрәк, ә яратмауҙы бер ҡасан да әйтмәйҙәрҙер!” – тип әрнегәйне яралы, ун алты йәшлек йөрәгем. Зәки бүләк иткән сәскәләр юлда һибелеп ҡалды. Ошо хәтерләүҙән һуң мин ни өсөн Ғәлинурҙың һөйләшеүгә килмәгәнен, төнө буйы ҡосағында ятып та бер ым-ишара яһамауын төшөндөм. Яратмай, яратмай икән бит мине Ғәлинур. Үҙ хистәремә иҫереп, баштан-аяҡ ғашиҡ булып, Ғәлинурҙың тойғолары хаҡында уйлап та бирмәгәнмен. Берәй тапҡыр әйттеме һуң ул, яратам, тип. Юҡ бит… Берсә күҙ алдыма һоро күҙҙәренең нурын сәсеп, ап- аҡ тигеҙ тештәрен йылтыратып, йылмайып Ғәлинур килеп баҫа. Берсә, алды-артын ҡарамайса йүгергән йәш ҡыҙсыҡты, ҡот осорлоҡ аяуһыҙ һүҙҙәр баҫтырып килә төҫлө: – Яратмайым! Яратмайым! – … Хуш, Ғәлинур. Мәңгегә хуш! Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Был мөһим сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға 18 дәүләт вәкилдәре йыйылды. Ике көн барған конференцияла ике йөҙ тирәһе кеше ҡатнашты, һәм унда етди һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар аша бик күп мәсьәлә хәл ителде. Сара маҡсатына иреште, тиергә мөмкин. Был мөһим сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға 18 дәүләт вәкилдәре йыйылды. Ике көн барған конференцияла ике йөҙ тирәһе кеше ҡатнашты, һәм унда етди һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар аша бик күп мәсьәлә хәл ителде. Сара маҡсатына иреште, тиергә мөмкин. Сараны ойоштороусы Ислам конференцияһы ойошмаһы Башҡортостан менән иҡтисади бәйләнештәрҙе лә нығытырға ниәтләй. Билдәле булыуынса, был ойошма, дин мәсьә­ләләренән тыш, фән, мәғариф, мәҙәниәт, иҡтисад һәм яңы технологиялар өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте лә күҙ уңында тота. Башҡортостандың был берләшмә менән хеҙмәттәшлек итеүенә ҙур өмөттәр бағларға нигеҙ бар. Ни тиһәң дә, Ислам конференцияһы ойошмаһы бөтә донъяға билдәле һәм ҙур абруй менән файҙалана. Атап әйткәндә, ул ҙурлығы буйынса, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан ҡала, икенсе урында килә. Унда бөгөн 57 дәүләт ингән, шулай уҡ ойошманың эшмәкәрлеген күҙәтеүсе биш дәүләт бар. Рәсәй ҙә улар араһында. – «Волга – Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы» IV халыҡ-ара симпозиумында ҡаралған проблемалар беҙҙең республикала ғына түгел, тотош илдә лә көнүҙәк, – тине сарала ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина. – Башҡортостанда милләт-ара, конфессия-ара дуҫлыҡ, именлекте нығытыуға, традицион диндәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәте тормошҡа ашырыла. Һәм беҙгә бөгөн был йүнәлештә башҡа төбәктәр һәм илдәр менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Сөнки Ислам, Урал менән Волга буйы төбәктәренең традицион дине булараҡ, Рәсәй менән ғәрәп донъяһы илдәрен бәйләүсе күпер булып тора. Әлеге симпозиум Ислам конференцияһы ойошмаһы ярҙамында ойошторолған. Был сара Рәсәйҙә дүртенсе тапҡыр үткәрелә, дүртенсе тапҡыр шундай ҙур конференцияла ҡатнашыу өсөн бик күп илдәрҙән килгән вәкилдәр беҙгә йыйыла. Быға тиклем симпозиум Татарстанда ла үткәйне. Әлеге симпозиум Ислам конференцияһы ойошмаһы менән Башҡортостан етәкселеге һәм республиканың фәнни берләшмәһе араһында тығыҙ хеҙмәттәшлеккә юл аса. Был хаҡта Ислам конференцияһы ойошмаһының генераль секретары, профессор Экмеледдин Ихсаноглу айырып әйтте. Уның билдәләүенсә, ойошма Рәсәйҙе стратегик партнер булараҡ ҡабул итә. Рәсәйгә, беҙҙең мәҙәниәткә, тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта ғына бара. Симпозиум секцияларының эше Башҡорт дәүләт университеты базаһында үтте. Шулай уҡ ҡунаҡтар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла булды, Өфөләге музейҙар, фәнни үҙәктәр менән яҡындан танышты. Башҡортостан Республикаһы етәкселеге, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуҙа Ислам конференцияһы ойошмаһы һәм беҙҙең республика араһында ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеүҙәр булды, киләсәккә пландар ҡоролдо. Экмеледдин Ихсаноглуға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры исеме лә бирелде. Был вузда ҡунаҡтар кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәрҙе ҡарап һоҡланды, хатта уларҙың яҡын көндәрҙә был һөнәргә өйрәнеү өсөн Башҡортостанға уҡыу­сылар ебәреү мәсьәләһен дә хәл итеүҙәре ихтимал. – Башҡортостанға килеүемә бик шатмын, – тине Экмеледдин Ихсаноглу. – Һеҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығы, алсаҡлығы һоҡландырҙы.
Бөгөн Өфө ҡалаһының Революцион урамының 66-сы йортонда талантлы журналист, шағир, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар һәм робағиҙар авторы Рәсих Нурғәли улы Ханнановҡа таҡтаташ асылды. Тантаналы сараны яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов алып барҙы. Таҡтаташ асыуҙа Рәсих Нурғәли улының Гөлсәсәк һәм Резеда исемле ҡыҙҙары, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Нурғәлиева, "Ҡыҙыл таң" гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов, Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары, шағир Нурлан Ғәниев, шағирҙың тыуған яғы - Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән Фәрғәт Ҡотлобаев, журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаев, "Ҡыҙыл таң" гәзите журналистары, нәшриәтебеҙҙән Башҡортостан халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөхәррире Гөлшат Абдуллина һ. б. ҡатнашты. Сара һуңында шағирҙың ҡыҙҙары Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә ойошторолған "Аҡ күгәрсен" тип аталған поэтик конкурстың символын - аҡ күгәрсенде һауаға осорҙо. Бөгөн кис "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Рәсих Ханнановтың Хәтер кисәһе була. Унда яҙыусының беҙҙең нәшриәттә баҫылып сыҡҡан "Бүтән донъя" исемле китабының презентацияһы үтәсәк. Китап һатыу йәрминкәһе ойошторола. 27.10.2021 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
Оҙаҡламай баш ҡала халҡына ял итеү өсөн йәнә бер матур урын барлыҡҡа киләсәк. Ҡайҙа һәм ул нимә булыр? Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “МЕГА” сауҙа үҙәге янында үткән “МЕГА Пикник” тип аталған ҡала фестивалендә ҡатнашты. Бында уны яңы проект менән таныштырҙылар. Сауҙа үҙәге янындағы 2,3 га майҙанда яһалма һыу ятҡылығы һәм шарлауығы, балалар зонаһы, скейт-парк, кафе, шулай уҡ башҡа объекттары булған парк барлыҡҡа киләсәк. Сауҙа үҙәгенең идарасыһы Михаил Зверев белдереүенсә, был Өфөлә Ҡашҡаҙандан һуң өр-яңынан булдырылған беренсе парк буласаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, уны компания тулыһынса үҙ аҡсаһына эшләйәсәк. Инвестициялар күләме 318 миллион һум тәшкил итәсәк. Ошондай парктар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Ростов ҡалаларында ла бар. Уны 2020 йылдың көҙөндә сафҡа индерергә ниәтләнәләр. Инвестор өҫтәмә рәүештә “Цветы Башкирии” торлаҡ комлексына урау юл һалмаҡсы. Радий Фәрит улы был башланғыстарҙы хупланы, республика һәм ҡала шулай уҡ кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе. https://bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Азалия Мансурова Салауат эске эштәр бүлегендә ветеринар фельдшер булып эшләй. Бала сағынан хайуандар яратҡан ҡыҙ үҙенең һөнәрен һәм тынғыһыҙ хеҙмәтен бик үҙ итә. Азалия Мансурова Салауат эске эштәр бүлегендә ветеринар фельдшер булып эшләй. Бала сағынан хайуандар яратҡан ҡыҙ үҙенең һөнәрен һәм тынғыһыҙ хеҙмәтен бик үҙ итә. Ветеринарҙар эшенең ҡыҙыҡлы хеҙмәт булыуы хаҡында уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Һәр хәлдә, ошо өлкәләге белгестәр үҙ шөғөлдәренең бар нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен, ыңғай яҡтарын һәм әһәмиәтен яҡшы белә. Азалиянан хеҙмәте тураһында һөйләүен һорағас, ул иртән хеҙмәт урынына килгәс, иҫәптә торған 18 этте ҡарап сыҡҡандан һуң ашатыуын, бинаны дезинфекциялауын һөйләп бирҙе. Йәш белгес шулай уҡ дүрт аяҡлыларҙы паразиттарҙан таҙарта, прививкалар яһай, йәрәхәттәре булғандарға медицина ярҙамы күрһәтә. Асыҡланыуынса, немец овчаркалары, лобрадорҙар эске эштәр бүлегендә 8 йыл тирәһе хеҙмәт итә. Һәр эттең үҙ холҡо бар. Ә эске эштәр бүлегенә ҡараған тоғро дуҫтарҙың файҙаһы бик күп, улар наркотиктар, енәйәтселәрҙе асыҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәтә. - Ветеринария хеҙмәте тәү ҡарашҡа еңел күренһә лә, ауыр, тынғыһыҙ эш ул. Был өлкәлә үҙ һөнәрен яратҡан, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән кешеләр генә эшләй ала. Күпселек Европа илдәрендә, мәҫәлән, йорт хайуандарын хатта ғаилә ағзаларына тиңләйҙәр. Рәсәйҙә улар һәр өсөнсө ғаиләлә бар. Тик бына эт-бесәйҙәрҙе ҡурсаҡ урынына алып, аҙаҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында урамға ырғытҡандарға йәнем көйә, - ти Азалия Рәмил ҡыҙы. Оло йөрәкле белгес «Дүрт тәпәй» төркөмө ағзаһы. Ул ҡулынан килгәнсә ташландыҡ йорт хайуандарына медицина ярҙамы күрһәтә, уларға хужа табыуға, йортҡа урынлаштырырға булышлыҡ итә. “Медицина кешене дауалай, ә ветеринария бөтөн кешелекте”, тигән әйтемде иҫәпкә алһаҡ, ветеринарҙар иңендә ниндәй оло бурыс ятыуына төшөнөү ауыр түгел. Уларҙың хеҙмәтен күрә һәм баһалай беләйек.
Башҡортостанда «Мәғариф» милли проектының үҙәге «Сириус» белем биреү үҙәге моделе буйынса үҙәк республика инженер лицейында урынлаша. Һәләтле балаларға иғтибар үҙәгендә Башҡортостанда «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты сиктәрендә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү үҙәге асыла. Уны булдырыуға 300 миллион һум аҡса бүленә. «Сириус» белем биреү үҙәге моделе буйынса үҙәк республика инженер лицейында урынлаша. Тағы өс учреждениены мәғариф программалары өсөн майҙансыҡ сифатында файҙаланыу күҙаллана. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Аяҡтар өсөн роботлаштырылған механотерапия. Был турала ишеткәнегеҙ бармы? Башҡортостандың балалар дауаханалары һәм поликлиникаларына ошондай аппараттар алынды. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнеп, ғәмәлгә ашырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, республиканың медицина учреждениелары яңы аппараттар менән тулылана бара. Үрҙә телгә алынған роботлаштырылған механотерапия өсөн ҡорамал иң тәүҙә Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһына килтерелгән. Унан тыш, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы поликлиникалар ҙа, ҡаланың 17-се дауаханаһы ла, Республика балалар клиник дауаханаһы ла ошо аппарат менән йыһазландырыласаҡ. Аппарат аяҡ һынғанда (йәрәхәтләнгәндә) йә операциянан һуң быуын сирҙәрен дауалау өсөн ҡулланыла. Уны пациентҡа тура килерлек итеп көйләү мөмкинлеге лә юғары. Аппарат универсаль - ике аяҡҡа ла берҙәй тап килә. Фото: "Башинформ". Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Дуҫтар, республикабыҙҙың 100 йыллығына, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының 85 йыллығына ҡарата бик матур проект тормошҡа ашырыла башлай. «Туған телемә – 100 аҙым» тип атала ул. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә тәҡдим иткән был башланғыс хөкүмәт кимәлендә хупланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашлығында үткән «түңәрәк өҫтәл»дә проектты нисек тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Сарала төрлө ведомство етәкселәре, яҙыусылар, матбуғат вәкилдәре ҡатнашты. «Туған телемә – 100 аҙым» проектының маҡсаты билдәле: халыҡта, бигерәк тә йәш быуында, китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уларҙы әҙәби әҫәрҙәр уҡыуға йәлеп итеү. Үкенескә ҡаршы, бөгөн күптәр интернетҡа алданып, китап уҡыуҙы бөтөнләй онотто. Ә бит беҙҙең талантлы яҙыусы, драматург, шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡып, үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап таба, тормош асылын тәрәнерәк аңлай алабыҙ. Яҙыусылар союзы башҡорт әҙәбиәтенең 100 әҫәре исемлеген төҙөгән. Улар уҡымлы, төрлө авторҙарҙыҡы, төрлө жанрҙа, төрлө йәштәге уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Маҡсат: шул әҫәрҙәрҙе уҡып сығыу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, бүтәндәргә лә уҡырға тәҡдим итеү. Шулай итеп, проектта һәр кем ҡатнаша ала. «Йәншишмә» гәзите лә был сараға ихлас ҡушыла. Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдә һәм гәзит биттәрендә проект тураһында даими яҙып барасаҡбыҙ. «Туған телемә – 100 аҙым» тигән рубрика булдырабыҙ. Унда һеҙҙән килгән хаттарҙы урынлаштырасаҡбыҙ. Әле ниндәй китап уҡыйһығыҙ, шул турала тәьҫораттарығыҙҙы яҙып ебәрегеҙ. Ҡайһы яҙыусы, шағир менән осрашырға теләйһегеҙ, ошо проект сиктәрендә уларҙы мәктәбегеҙгә осрашыуға саҡырырға мөмкин. Тик алдан уның ижады менән ентекле генә танышып сығырға кәрәк булыр. Һуңынан осрашыу нисек үткәне тураһында беҙгә лә яҙып ебәрерһегеҙ. Проект дәүләт кимәлендә хупланғас, исемлеккә ингән китаптарҙы ауыл, мәктәп китапханаларына алып барып еткереү, кәрәк булһа, яңынан баҫтырыу, электрон вариантын сығарыу буйынса мәсьәләләр ҙә хәл ителер, Алла бирһә. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Үтәймулла ауылы китапханаһында Сафуан Әлибаевтың 80 йыллыҡ юбилейына бағышланған "Һандуғаслы яҙҙарым" сараһы үтте. Был әҙәби кисәнең Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә үтеүе лә айырым мәғәнәгә эйә булды. 7-8 кластары уҡыусылары шағир, билдәле драматург, журналист Сафуан Әфтәх улының тормош юлы, ижады менән танышты. Китапханасы Р.Әсәҙуллина уның А.С.Пушкин, Р.Ғамзатов әҫәрҙәрен дә башҡорт теленә тәржемәләүе тураһында мәғлүмәт бирҙе. Уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәрен тасуири һөйләне, викторина, йомаҡтар конкурсында ихлас ҡатнашты. "Ижад йәме - ихласлыҡ" китап күргәҙмәһен ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, һорауҙар бирҙеләр. БЕЛЕШМӘ Сафуан Әлибай, Әлибаев Сафуан Әфтәх улы (21 февраль 1941 йыл — 6 июль 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1978 йылдан — КПСС ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011), Салауат районының почётлы гражданы (2015, үлгәндән һуң). Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Башҡортостан Фәндәр академияһы гуманитар бүлеге «Почет билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан 8-14 июлдә Көйөргәҙе районында филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, филология фәндәре кандидаты Гөлнара Юлдыбаева ғилми экспедицияла булдылар. Улар, районыбыҙҙың 17 башҡорт ауылы буйлап йөрөп, халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен яҙып алдылар, боронғо китаптар менән таныштылар, зыяраттарҙағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы уҡып, уларҙы яҙып алдылар. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Башҡортостан Фәндәр академияһы гуманитар бүлеге «Почет билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан 8-14 июлдә Көйөргәҙе районында филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, филология фәндәре кандидаты Гөлнара Юлдыбаева ғилми экспедицияла булдылар. Улар, районыбыҙҙың 17 башҡорт ауылы буйлап йөрөп, халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен яҙып алдылар, боронғо китаптар менән таныштылар, зыяраттарҙағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙы уҡып, уларҙы яҙып алдылар. Беҙ экспедиция етәксеһе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙынан экспедициянан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ. - Дөйөм алғанда, мин эшебеҙҙән ҡәнәғәтмен. Бер аҙна эсендә фольклорсыларға билдәле булмаған байтаҡ яңы табыштарға юлыҡтыҡ. Улар араһында быға тиклем беҙ белмәгән ике халыҡ йыры ла бар. Ҡарғатуй, иген сәсеү, ер-һыу тикшереү, ерләү йолалары, ырым-ышаныуҙар буйынса оло йәштәгеләр ауыҙынан күп кенә материалдар яҙып алдыҡ. Уларҙа халҡыбыҙҙың образлы фекерләүе асыҡ сағыла. Шуныһы ҡыуандыра: халыҡтың генетик хәтере көслө, был яҡтан көйөргәҙеләр ыңғай яҡҡа айырылып тора. Генетик аң көслө икән, тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге лә бар. Бына шуныһы ныҡ ҡыуандыра. Байтаҡ бейеүҙәрҙе халыҡ нисек бейегән, шулай килеш видеоға төшөрөп алдым. Әләкләп бейеү тигән күренеш бар халыҡ хореографияһында. Зөләйха бына шулайыраҡ бейей, Ғәли ағай бына былайыраҡ бейей, тип бейеп күрһәтәләр. Яҡшымбәттә байтаҡ инәйҙәрҙе бейетеп, видеоға төшөрҙөм. Көйөргәҙеләр дәртле, ихлас икән: барыһын да ысын күңелдән бейеп күрһәттеләр. Оҫта гармунсыларын да тапҡандар. Гөлнара Юлдыбаева башҡорт халыҡ эпостары буйынса ғилми тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә. Был юлы Көйөргәҙелә эпос һөйләүселәр табылманы. Шулай ҙа ул байтаҡ әкиәт, мәҡәлдәр, аттарға ышаныуҙарға бәйле йолаларҙы, им-томдарҙы яҙып алды. Уларҙа яңы мәғлүмәттәр бар. Әхәт Сәлиховты Яҡуп ауылы зыяратындағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар бик ҡыҙыҡһындырҙы. Бында киләсәктә бер аҙналыҡ эш бар, ти ул. Экспедиция ваҡытында Юнир Ирек улы Сынбулатов, Фәнис Мансур улы Рахманғолов һәм башҡа күптәр ныҡ ярҙам иттеләр. Фатирға төшөү, ашау-эсеү, ял итеү, транспорт мәсьәләләрендә бер ниндәй ауырлыҡтар күрмәнек. Уңғарға барһаҡ та, Кинйәлә булһаҡ та, ҡыҫҡаһы, һәр бер ауылда яҡты йөҙ, яҡшы һүҙ менән ҡаршы алдылар. Шундай уңайлы эш шарттары булдырғандары өсөн район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа һәм барлыҡ көйөргәҙеләргә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Артабан да шулай бергә-бергә эшләргә яҙһын. Көйөргәҙе районы буйынса тупланған материалдарҙы Фольклориада йылында айырым йыйынтыҡ итеп сығарырға уйлайбыҙ, шул йәһәттән район хакимиәте лә тейешле ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ. Кинйә ауылындағы мемориаль музейҙы, Шәбағыштағы Пушкин музейын күреп хайран ҡалдыҡ. Үҙе бер феноменаль күренеш был. Экспедиция ваҡытында беҙҙең институт тарафынан сығарылған 200-ҙән ашыу китапты мәктәптәргә, китапханаларға, шулай уҡ район хакимиәте башлығы Юлай Талха улына бүләк итеп бирҙек. Көйөргәҙеләргә бәхет, именлек, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә коронавирус киҙеүен профилактикалау йәһәтенән волонтер-медиктар штабы эшләй18 марттан алып “Волонтер-медиктар” Бөтөн Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең республика бүлеге, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты менән берлектә, коронавирус киҙеүен профилактикалау йәһәтенән Бөтөн Рәсәй акцияһына ҡушылды.Штабтың төп бурысы – өлкән йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы аҙыҡ-түлек, дарыу менән тәьмин итеү. Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә коронавирус киҙеүен профилактикалау йәһәтенән волонтер-медиктар штабы эшләй 18 марттан алып “Волонтер-медиктар” Бөтөн Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең республика бүлеге, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты менән берлектә, коронавирус киҙеүен профилактикалау йәһәтенән Бөтөн Рәсәй акцияһына ҡушылды. Штабтың төп бурысы – өлкән йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы аҙыҡ-түлек, дарыу менән тәьмин итеү. Заявканы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратып ҡалдырырға мөмкин: 8-800-200-34-11 (түләүһеҙ). Мөрәжәғәттәр Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан үҙәк штаб аша төбәктәргә таратыла, бер заявка ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ярҙам республикала йәшәүсе барлыҡ өлкән йәштәге граждандарға ла ҡағыла. Өфөнән ситтә йәшәүселәргә урындағы социаль хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәр ярҙам итәсәк. Волонтер-медиктар шулай уҡ мәғлүмәти һәм консультатив ярҙам да күрһәтә. Коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙар буйынса штабтың “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 268-28-88. Ярҙам күрһәтеү мәлендә волонтерҙар Бөтөн Донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ҡаралған хәүефһеҙлек сараларын үтәйәсәк: фатирҙарға инмәйәсәк, аралашҡан саҡта 2 метр дистанция тотасаҡ һәм, әлбиттә, медицина битлектәре, антисептиктар ҡулланасаҡ. Ирекмәнде “Волонтер-медик” логотиплы ҡыҙыл курткаһы арҡылы танырға мөмкин. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ошо шиғыр юлдары менән башланып китте Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала танылған шағирә, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанованың "Таш-ҡатын" исемле китабының исем туйы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап” нәшриәтендә ике телдә донъя күргән был китап ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә үҙ уҡыусыларын табып, ҙур һөйөү яулап өлгөрҙө. Уҡыуға еңел генә ижад ителгән, мәғәнәле һәм фәһемле, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы шиғырҙар йыйынтығын ҡулға алған һәр кемде үҙенә ҡыҙыҡтыра бара. Сарала БР яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, шағир Нурлан Ғәниев, шағирәнең шиғырҙарын руссаға тәржемә итеүсе тәржемәселәр Сергей Янаки, Светлана Чураева, Лина Солтанова, Санкт-Петербург ҡалаһынан танылған Рәсәй шағиры, драматург һәм тәнҡитсе Юрий Татаренко, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенән Ирида Садиҡова, Эльвира Яҡупова, БДПУ студенттары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, онлайн экран аша сит илдәр вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Сара бик матур һәм йәнле үтте. Шағирәнең ижады, китабына ҡарата йылы һүҙҙәр, матур фекерҙәр яңғыраны. Авторҙың шиғырҙарында ябайлыҡ, сафлыҡ һәм йылылыҡ бөркөлә. Шулай уҡ бында тарих та, көнкүреш тормош та, авторҙың халҡына әйтер һүҙе лә сағылыш тапҡан. Быны сит илдәрҙән ҡатнашыусы вәкилдәр — Әстрахандан Татьяна Вострикова,Ҡаҙағстандан Динара Капашева, Ингушетиянан Тамара Мальсагова, Микаэл Базоркин, Белоруссиянан Алесь Карлюкевич, Дағстандан Мурад Ахмедовтар ҙа дәлилләне. Сара автограф таратыу, фотоға төшөү һәм “Таш-ҡатын” китабының һатыу күргәҙмәһе менән тамамланды. 19.03.2021 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
Ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде – йортобоҙҙа янғын сығып, ике ҡәҙерле кешебеҙҙе юғалттыҡ, түшәктә ятҡан атайыбыҙ, ҡайныбыҙ һәм биш йәшлек һөйөклө ҡыҙыбыҙ һәләк булды. Бындай һынауҙарҙы берәүгә лә күрергә яҙмаһын. Әммә ошондай ауыр ваҡытта беҙ яңғыҙ ҡалманыҡ. Бик күптәр, таныш һәм таныш булмағандар ҙа, ярҙам ҡулы һуҙҙы. Туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ, күршеләребеҙ һәм бөтә ауылдаштарыбыҙ, үҙебеҙ эшләгән “Шафран” шифаханаһы коллективы, бик күп әлшәйҙәр – барыһы ла матди һәм рухи ярҙам күрһәтте. Улай ғына ла түгел. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән – Санкт-Петербургтан, Себерҙән, Татарстан тарафтарынын, хатта Германиянан да шылтыратып ҡайғыбыҙҙы уртаҡлаштылар. Бөтәһе лә һуңғы тиндәре менән бүлешергә әҙер ябай кешеләр. Бер баланың ярҙам йөҙөнән 10 һум аҡса ебәргәнен бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа һәр кем үҙе өсөн генә йәшәй тип уйлап, ныҡ яңылышабыҙ, улай түгел икән. Был донъяла изге күңелле кешеләрҙең күберәк булыуын аңланыҡ. Рәхмәтебеҙҙе һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөү мөмкин түгел. Изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Яҙмыш беҙҙе һаман һынай әле. Ошо көндәрҙә тағы ла бер ҡәҙерле кешебеҙ - ҡайныбыҙ, атайыбыҙ яҡты донъя менән хушлашты... Әммә тормош дауам итә. Ә артабан йәшәү көсөн беҙгә һеҙ бирҙегеҙ! Динә һәм Ринат ТЮКАЕВТАР. Шафран ауылы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Күпселек йәштәр ҡалаға китеп, унда төпләнеп ҡалырға ынтылған заманда, йәшәйешебеҙҙең тамырҙары булған ауылдарыбыҙға хеҙмәт итеүселәр ҙә аҙ түгел. Ергә ерегеп, ауылдарыбыҙҙың бәҫен күтәреү өсөн тырышҡандар бер ҡасан да отолмай. Һеҙ фотоһүрәттә күргән йәш уҡытыусылар ғаиләһе – Дилә менән Илшат ИСМӘҒИЛЕВТАР ҙа ауылды һайлаған. Күпмелер ваҡыт ҡалала йәшәгәндән һуң, улар ең һыҙғанып Ишәй мәктәбендә балаларға аң-белем һәм тәрбиә бирә. Күпселек йәштәр ҡалаға китеп, унда төпләнеп ҡалырға ынтылған заманда, йәшәйешебеҙҙең тамырҙары булған ауылдарыбыҙға хеҙмәт итеүселәр ҙә аҙ түгел. Ергә ерегеп, ауылдарыбыҙҙың бәҫен күтәреү өсөн тырышҡандар бер ҡасан да отолмай. Һеҙ фотоһүрәттә күргән йәш уҡытыусылар ғаиләһе – Дилә менән Илшат ИСМӘҒИЛЕВТАР ҙа ауылды һайлаған. Күпмелер ваҡыт ҡалала йәшәгәндән һуң, улар ең һыҙғанып Ишәй мәктәбендә балаларға аң-белем һәм тәрбиә бирә. Хәҙер инде үҙҙәрен ауылдан башҡа күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Илшат Һиҙиәтулла улы бөгөн Ишәй урта дөйөм белем биреү мәктәбен етәкләй. Уҡытыусылыҡҡа урау юлдар аша килһә лә, үҙенең асылын ул ошо һөнәрҙә тапҡан. Бала саҡта уҡытыусы булырға уйламай - Атайым физкультура, хеҙмәт, һыҙма, һүрәт төшөрөүҙән, әсәйем башланғыс кластарҙа уҡытҡас, был һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен күреп үҫтем, – ти Стәрлебаш районының Елембәт ауылы егете. – Мәктәптән арып ҡайтып, өйҙә план яҙыуҙары, дәфтәр тикшереүҙәре күп ваҡыттарын ала ине. Бала саҡта уҡытыусы булырмын тип уйламаным да. Ауыл мәктәбенән һуң Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алыуым тормошомда ҙур роль уйнаны. Ундағы уҡытыусылар, тәрбиәселәр беҙгә дөрөҫ юл күрһәтә белде. Шул осорҙа уҡығанда егеттә компьютерға ҡыҙыҡһыныу уяна һәм хыялы уны Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына алып килә. Студент йылдарында дизайнерлыҡ эше менән дә шөғөлләнә. Шуға университетты тамамлап Стәрлетамаҡҡа ҡайтҡас, киң форматлы баҫма инженеры булып китә, реклама агентлығын асып эшҡыуарлыҡта ла үҙен һынап ҡарай. Ләкин тиҙҙән күңеленең мәктәпкә, балаларға тартылыуын тоя. Мәктәптә робот техникаһы йүнәлешендә түңәрәк ойоштороп ебәрә, бер юлы шәхси белем биреү учреждениеһына ла эшкә саҡырыу ала. Күңел һалып башҡарған эш һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтә бирә. Робот техникаһы буйынса Өфөлә конкурста ҡатнашалар, балалар менән берлектәге башҡарылған проект Мәскәүҙә лә юғары баһалана. Шулай итеп, Илшат тап белем биреү өлкәһендә үҙенең көс-һәләтен тоя, тап ошо донъя уны нығыраҡ арбай бара. Икенсе яртыһын Яңы Әптектә таба Кеше ғүмере һәр нәмәнең үҙ мәлендә башҡарылыуы менән матур. Йәшлектең сәскә атҡан сағында мөхәббәтеңде осратыу, уның менән ҡауышыу үҙе ҙур бәхет. Илшат та үҙ яртыһын ваҡытында таба һәм йөрәге яңылышмай. - Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта Яңы Әптек ауылынан дуҫым Руслан үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Шунда уларҙың күрше ҡыҙы менән таныштым. Ул ваҡытта Дилә Стәрлетамаҡта педагогия колледжында уҡый ине. Йөҙөнөң генә түгел, эске донъяһының матурлығы, әҙәпле, тәртипле булыуы менән күңелемде арбаны ул. Бик оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәнек. Бер йылды йәйен таныштыҡ, икенсе йәйенә туй үткәрҙек, - ти бәхетле ир. Хәҙер инде бер бөтөн булып ғүмер итеүҙәренә лә 13 йыл булып киткән. Башта йәш ғаилә Стәрлелә йәшәй. Аҙаҡ Яңы Әптеккә күсергә ҡарар итәләр. Бер-бер артлы Ынйы һәм Мәликә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Илшат Стәрлегә йөрөп эшләүен дауам итә, ләкин тәбиғәт, иркенлек үҙенә нығыраҡ тарта һәм улар ауыл ерендә төпләнергә ҡарар итә. Ишәйҙә ер участкаһы алып, Хөкүмәт ярҙамы менән йорт төҙөйҙәр. Шәхси белем биреү үҙәгендә генераль директор булып эшләгән мәлендә, Илшат Һиҙиәтулла улына Ишәй мәктәбенә етәкселек итергә тәҡдим яһайҙар һәм йәш белгес башкөллө яңы вазифаны башҡарыу мәшәҡәттәренә сума. Бөгөнгө көндә ҡатыны ла ошо уҡ белем биреү усағында директорҙың уҡытыутәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. - Икебеҙҙең дә уҡытыусы булыуыбыҙ бер-беребеҙҙең эшен аңларға ярҙам итә. Мәктәптәге проблемалар өйгә лә “эйәреп” ҡайта. Ҡайһы саҡ балалар: “Эш тураһында һөйләшәһегеҙ ҙә һөйләшәһегеҙ”, тип үпкәләп тә ҡуя, - тип көлә Дилә Фәрит ҡыҙы. Шарттар ҡаланыҡынан ҡалышмай Йәш директор мәктәптә балаға сифатлы белем биреү менән бер рәттән уның буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреү өсөн шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бирә. Һөҙөмтәләр күҙгә күренеп тора. Уҡыусы өсөн шарттар ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай тиергә мөмкин. Бушлай ойошторолған түңәрәктәргә йөрөп бына тигән һөнәрҙәргә өйрәнергә була. Былтыр менталь арифметика, робот техникаһы, компьютер графикаһы, уҡтан атыу, гер спорты, теннис, ҡыҙҙар өсөн бейеү һәм башҡа түңәрәктәр барлыҡҡа килгән. Етәкселек эшен үҙ ҡулына алғас, Илшат Һиҙиәтулла улы компьютер класын яңыртҡан. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнгәндә дистанцион белем алыу мөмкинлеген дә иркен ҡуллана хәҙер Ишәй уҡыусылары. Мәктәп әлеге көндә өс грантҡа документтар тапшырған. Уларҙың икәүһе республика, береһе Рәсәй кимәлендә. Береһе, мәҫәлән, мәктәпкәсә учреждениела башҡорт телен үҫтереүгә ҡағылышлы. Әйткәндәй, балалар баҡсаһы хәҙер мәктәпкә ҡушылғас, етәксегә бәләкәстәр тураһында хәстәрлек күреү бурысы ла йөкмәтелгән. Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 88-се һанында (02.11.2018) уҡығыҙ. Фото: автор һәм ғаилә архивынан. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Республикала Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм бер нисә юғары уҡыу йорто базаһында донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге асыу планлаштырыла. Был эш “Фән” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Республикала Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм бер нисә юғары уҡыу йорто базаһында донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге асыу планлаштырыла. Был эш “Фән” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Үҙәктәге хеҙмәт углеводородтарҙы табыу һәм эшкәртеүҙең һөҙөмтәһен күтәреүгә йүнәлтеләсәк. “Рәсәйҙең 20 ҡалаһы менән бер рәттән, Өфө иҡтисади үҫештең перспективалы урыны тип аталды. Ошо нигеҙҙә унда донъяуи кимәлдәге ғилми-белем биреү үҙәге булдырырға ҡарар ителде”, – тип хәбәр иттеләр республиканың Үҫеш корпорацияһы матбуғат хеҙмәтенән. Милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса эшсе төркөмдөң етәксеһе итеп Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова тәғәйенләнгән. Учреждение киләһе йыл булдырылыр тип күҙаллана. Ул республиканың нефть техник, авиация техник университеттарын, классик юғары уҡыу йорттарын Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостандағы филиалы менән берләштерәсәк. “Фән” милли проектының бурыстарына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй ғилми-технологик үҫеш йәһәтенән донъяла алдынғы илдәр иҫәбенә инергә тейеш. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
16 июндә Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсия йәшен арттырыу хаҡында Закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына индереү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. 16 июндә Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсия йәшен арттырыу хаҡында Закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына индереү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. 14 июндә Министрҙар Кабинеты Закон проектын хупланы. Проектҡа ярашлы, пенсия йәшен ирҙәр өсөн - 65, ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәш тип билдәләргә тәҡдим ителә. Реформа 2019 йылдан башланасаҡ һәм этаптар буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Иң тәүҙә ул 1959 йылда тыуған ир-атҡа һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыласаҡ. Улар хаҡлы ялға 2020 йылда сыға ала: ирҙәр - 61 йәштә, гүзәл зат - 56 йәштә. Пенсия йәшен арттырыу демография хәле үҙгәреү менән аңлатыла. Илдә пенсионерҙар арта, эшкә һәләтле кешеләр һаны кәмей. Росстат фаразлауы буйынса, 2024 йылда ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо 72,3 йәш (әлегенән 5,8 йылға күберәк), ҡатын-ҡыҙҙарҙың 82,1 йәш (4,5 йылға ҙурыраҡ) булыуы көтөлә. Реформа ауыр шарттарҙа эшләү һөҙөмтәһендә алдан хаҡлы ялға сығыу хоҡуғына эйә булыусыларға (шахтерҙар, металлургтар, тимер юлсылар һ.б.) ҡағылмай. Шулай уҡ социаль сәбәптәр буйынса страховка пенсияһы тейеш кешеләр (8 йәшкә тиклемге инвалид бала тәрбиәләүсе йәки 5 һәм унан күберәк бәпес тапҡан ҡатындар, күреү һәләте буйынса I төркөм инвалидтар һ.б.) өсөн үҙгәрештәр булмаясаҡ. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бар ғүмерен балалар уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған, Ҡарағай мәктәбе уҡытыусыһы Суфия Сафуан ҡыҙы Аҙналина хаҡында яҙмам. Бар ғүмерен балалар уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған, Ҡарағай мәктәбе уҡытыусыһы Суфия Сафуан ҡыҙы Аҙналина хаҡында яҙмам. Суфия - Юлыҡ ауылы ҡыҙы. Урта мәктәпте, артабан Салауат педучилищеһын тамамлаған йәш педагог хеҙмәт юлын Ҡарағай мәктәбендә башланғыс кластарға белем биреүҙән башлай. Артабан бер аҙ Имәндәш мәктәбендә лә уҡытып ала. Тәжрибә туплап, яратып һайлаған һөнәренең нескәлектәренә төшөнгәс, Ҡарағай мәктәбенә күскән уҡытыусы әлеге көндә лә бында уңышлы эшләп йөрөй. Мәктәптә уҡыған йылдарында бейеүгә маһир мөғәллимә бында бейеү түңәрәге асып, уҡыусыларҙы бейергә өйрәтте. Байрам һайын концерт ҡуялар ине. Минең Алһыу ҡыҙымдың беренсе уҡытыусыһы ла ул булды. Алдынғы ҡарашлы, белемле, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән Суфия Сафуан ҡыҙы мәктәптә ойоштороусы булып тиҫтә йылдан ашыу эшләне. Йылдар үтте, хеҙмәт юлын әле генә башлаған кеүек булһа ла, мөғәллимлек стажы 34 йылға еткән. Ғүмер юлдашын да бында таба – Ҡарағай ауылы егете Камил Аҙналинға тормошҡа сығып, бик татыу йәшәйҙәр. 2 бала – ҡыҙ һәм улдарын тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Икеһе лә юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләп йөрөйҙәр, икеһе лә ғаиләле, Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Гүзәл сәскә кеүек ике ҡыҙ, улдары Марсель ике ул үҫтерә. Суфия апай менән Камил ағайҙың тормош ҡороп йәшәй башлауына ла 32 йыл ғүмер үткән. Икеһе лә егәрлеләр, урам тулы мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ғаилә башлығы күптән түгел 55 йәшен билдәләне. Бар ғүмерен шофер һөнәренә бағышлаған Камил ағай колхоз заманында колхоз автобусын, унан һуң Красноусол – Имәндәш маршрут автобусын йөрөттө. Ә хәҙер Ҡарағай мәктәбе автобусында уҡыусыларҙы ташый. Иртә таңдан Некрасовка, Мораҙ, Юрмаш, Имәндәш ауылдарынан уҡыусыларҙы барып алып, дәрестәр тамамланғас, илтеп ҡуя. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, маҡтаулы водитель булып тора. Балаларын да ярҙамдарынан ташламайҙар, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашалар. Улары ла атай-әсәйҙәренә ҡайтып, ярҙам итеп китәләр. Аҙналиндар кеүек ғаиләләр күберәк булһа ине, тигән теләктә ҡалам, улар иҫән-һау эшләһендәр һәм йәшәһендәр. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Бөгөн "Шоңҡар"йәштәр журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовтың ғүмер байрамы. Талантлы яҙыусы «Ҡалдырма, әсәй!» тигән тәүге повесы менән үк әҙәбиәткә ысын мәғәнәһендә «атылып» килеп инде тип әйтергә була. Йәш яҙыусының был әҫәре тәү сиратта унда күтәрелгән ваҡиғалар, уларҙы тәрән хистәр аша һүрәтләү йәһәтенән төрлө быуын уҡыусыларҙы ла, әҙәбиәт белгестәрен дә тиҙ арала йәлеп итте. Повестың "Башҡортостан"гәзите биттәрендә баҫылған тәүге өҙөктәре үк күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға ла «Ҡалдырма, әсәй!» китап булып нәшер ителеү менән үк таралып та бөттө. Уның руссаға тәржемә ителгән баҫмаһы менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды һәм, тиҙ арала һатылыуы сәбәпле, китап өҫтәлмә тираж менән икенсегә нәшер ителде. Салауат Юлаев премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, мәҫәлән, әҫәргә ыңғай баһа биреп, түбәндәгеләрҙе яҙҙы: «Мин, проза өлкәһендә ҡәҙимге тәжрибә туплаған кеше, Айгиздең повесын тәнҡит күҙлегенән дә ентекләп уҡыным, бәйләнер урын тапманым. Характер логикаһын, психологик дөрөҫлөк ыҙанын әҫәр аҙағынаса үҫтереү һәм һаҡлау хатта, үкенескә ҡаршы, ошо эштә теше төшкән яҙыусыларыбыҙҙың да бөтәһенең дә хәленән килеп бөтмәй. Икенсенән, әҫәр үҙенең дөрөҫлөгө, хатта әсе дөрөҫлөктө сағылдырыуы менән отошло». Айгиз Ғиззәт улын тыуған көнө менән ҡотлап, тағы ла бейегерәк үрҙәр, ижди уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ. Айгиз Баймөхәмәтов Тәүге әҫәрем — “Ҡалдырма, әсәй!” повесын яҙғас, нәшриәткә алып барҙым. Унда ултырған ағай (ул да яҙыусы) ҡулъяҙмамды тиҙ генә ҡарап сыҡты ла миңә текәлде. — Ҡустым, был яҙмаңдың тиҙ арала китап булып сығырына шикләнәм, — тине ул. — Хәҙер оҙон әҫәрҙе кем уҡып ултырһын? Етмәһә, һине берәү ҙә белмәй. Һин, лутсы шиғыр яҙ! Шиғыр булһа — китап итеп сығарабыҙ. Көтөлмәгән хәбәрҙән аптырап ҡалдым: — Ағай, мин бит шиғыр яҙа белмәйем. — Һе, уның ни ҡыйынлығы бар. Ул үҙе бер система. Ана шул системаға өйрәнеп алаһың да, әйҙә, алға!.. Кабинеттан кәйефем һүрелеп сығып киттем. Изге күңелле кешеләр ҙә юҡ түгел. Уларҙың тәҡдиме менән киләһе йылда китабым барыбер донъя күрҙе. Ә мин шиғыр яҙмайым. Яҙа ла белмәйем, теләмәйем дә, сөнки ысын шиғриәттең ниндәй булырға тейеш икәнен яҡшы аңлайым. Уны ижад иткәс, Мостай, Рәми, Назар Нәжми, Атнабай, Рәйес Түләк кимәлендә яҙырға кәрәк. Шуны беләм: шиғыр яҙмаһам, минән башҡорт шиғриәтенә файҙа күберәк буласаҡ. Иртә... Һуң... Етәксе вазифаһына кемделер тәғәйенләү тураһында һүҙ сыҡҡан. Берәү йәш егетте тәҡдим иткән. — Ул әле йәш бит. Яңы 30-ы тулған. Иртәрәк уға... Әлегә кабинетта баш баҫып эшләй бирһен, — тигән үрҙәгеләр. Йылдар үткән. Йәнә етәксе вазифаһына тәғәйенләү мәсьәләһе килеп тыуған. Был юлы теге кеше үҙенең кандидатураһын тәҡдим итергә булған. — Һ-ы-ы... Һиңә пенсияға ла күп ҡалма­ны бит әле. Хәҙер һуң бит инде. Йәштәргә юл бирергә кәрәк, — тип яуаплағандар. Көткәндәр Бер мәктәптә яҙыусылар менән осрашыу булғайны. Сара бик йәнле, ҡыҙыҡлы барҙы. Ул бөткәс, беҙҙе директор сәй эсергә саҡырҙы. Ашханаға ингәс, табындың муллығына “аһ” иттек. Вәт, әй! Әҙерләнгәндәр тәк әҙерләнгәндәр! Өҫтәлдә нимә генә юҡ. Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, емеш-еләктең ниндәй генә төрө юҡ. Ул бәлеш, ул сәксәк, ул ҡоймаҡ, шәңге, бәрәмәстәр... Әллә биш төрлө ҡайнатма... Аштың да төрлөһөн әҙерләгәндәр. Тәрилкәлә “мине һоғон, мине” тигәндәй, ҡаҙ боттары өйөлөп ята. Иң беренсе булып нимәһенә ынтылырға белмәй, күҙ ҡамаша. — Беҙ ризыҡ күрмәгән әҙәмдәр түгел, шулай ҙа бындай хөрмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ул тиклем үк толланмаһағыҙ ҙа булыр ине, — тине, уңайһыҙланып, сатирик Венер Исхаҡов. — Күренеп тора, бында әҙәбиәтте һөйгән халыҡ йәшәй. Ана бит, туйға һымаҡ әҙерләнгәндәр, — тип өҫтәнем мин. Был һүҙҙәрҙе ишеткән директорҙың ауыҙы йырылды. — Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн беҙ Обрнадзорҙы көткәйнек. Ә улар килмәне лә ҡуйҙы. Уларға тигән һый һеҙгә яҙған икән. Оялмағыҙ, әйҙәгеҙ, ынтылығыҙ! Тере яҙыусы буламы? Бөрйән районында һөйләнеләр был хәлде. “Иртән яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән район мәҙәниәт йортонда осрашыу була” тигән иғлан элеп ҡуйғандар. Быны күргәс, башланғыс класта уҡыған малайҙың иҫе киткән: — Әсәй, ә тере яҙыусылар буламы? — тип һораған ул. Малайҙың былай тип уйлауына һис тә аптырарлыҡ түгел. Үҙем дә мәктәптә уҡығанда шул уҡ фекерҙә инем, сөнки әҙәбиәт дәресендә гелән үлгән яҙыусыларҙың ижадын өйрәнә инек. Әҙәбиәттән имтихан биргәндә лә, тәү сиратта яҙыусының тыуған һәм үлгән йылын һорай торғайнылар. Әле лә арабыҙҙа бынамын тигән әҙиптәр бар. Әҫәрҙәрен хет бөгөндән мәктәп программаһына индер... Ижадсыға тейешле иғтибар күрһәтеү өсөн мотлаҡ үлгәнен көтөргә кәрәкмәйҙер. Һинең өсөн генә Ауылда үҙемә йорт һалып йөрөйөм. Бураны күтәргәс, түбә таҡтаһын ябырға сират етте. Ә беҙҙең яҡта пилорама тотоусы кешеләр быуа быуырлыҡ. Әллә ҡайҙа ете ят кешегә йөрөмәйем тип, үҙ танышыма барҙым. Бығаса төҙөлөш эштәре менән булышмағас, хаҡтарын да белмәйем. — Таҡта күпме тора? — тип һораным. — Һинең өсөн генә кубометрын алты мең һумға бирәм, — тине танышым. — Ни тиһәң дә, яҙыусы кешеһең. Китаптарыңды бөтә халыҡ уҡый. Был һүҙҙәрҙән эсемә йылы йүгерҙе. Барыбер яҙыусы кешегә хөрмәт бар икән. Шунда уҡ аҡсаһын түләп тә ҡуйҙым. Иртәгәһенә теге материалдарҙы барып алып ҡайттым. Ә бер нисә көндән туғаным шул уҡ кешегә таҡта алырға китте. Һәм ни ғәжәп: ул кубометрын биш мең һумға алған. — Ә ниңә Айгизгә мең һумға ҡиммәтерәк биргәнһең? — тип ҡыҙыҡһынған туғаным. — Ул яҙыусы кеше бит... Тимәк, бай! Мин бит уны алдаманым. “Һинең өсөн генә” тинем һатҡанда... Асыуланған Татарстанда төрки донъяһының йәш яҙыусылар фестивале уҙғарылды. Абруйлы сараға байтаҡ илдәрҙән ҡунаҡтар килгәйне. Ике көн дауамында Ҡазанда төрлө осрашыуҙа булдыҡ, ә өсөнсө көнөнә беҙҙе бөйөк Туҡайҙың тыуған төйәгенә — Арша районына алып барҙылар. Етемлектә үҫеп, халыҡ символына әүе­релгән шағирҙың эҙҙәрен һаҡлаған Ҡыр­лай, Ҡушлауыш ауылдары — Татарстан­дың Мәккәһенә әүерелгән. Шуға республи­каға килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ шунда алып баралар икән. Йыш ҡунаҡ ҡабул ит­кәс, бындағы мәктәп уҡытыусы­лары ла, уҡыусылар ҙа актерға әйләнеп бөткән. Ма­тур итеп шиғыр уҡыйҙар, дәртле итеп бейейҙәр, йырлайҙар. “Был балаларҙың уҡырға ваҡыты ҡаламы икән” тип тә уйлап ҡуйҙым. Аршанан ҡайтыр алдынан, ҡунаҡтар өсөн табын әҙерләнеләр. Шунда район хакимиәте вәкиле бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп көлдөрҙө әле. Совет осоро. Баҫыу эше ҡыҙған мәл. Бындай миҙгелдә (бигерәк тә ер кешеһе өсөн) көндөң һәр минуты ҡәҙерле. Шул саҡ обкомдан колхоз рәйесенә шылтыраталар икән. “Иртәгә сит өлкәнән мәртәбәле ҡунаҡтар килә. Һеҙ уларҙы юғары кимәлдә ҡаршы алырға тейешһегеҙ!” — Беҙҙең сәсеү бара бит әле. Бөтәһе лә баҫыуҙа. Ҡунаҡ ҡаршыларға ваҡытыбыҙ булмаҫ ул, — тигән рәйес. — Никаких! Һеҙ — Туҡайҙың яҡташ­тары! Әйттем — бөттө! Әҙер тороғоҙ! Нисек кенә булмаһын, обкомға ҡаршы барып булмай. Ҡыҙыу эште ташлап тороп, ҡунаҡ ҡабул иткәндәр. Барыһы ла яҡшы үткән, ҡунаҡтар ҙа, түрәләр ҙә ҡәнәғәт ҡалған. Бөтәһен дә оҙатып ҡуйғас, колхоз рәйесе ауыр һулаған. Баҫыу эшен шул сәбәпле ваҡытында тамамлап булмаҫ, тип көйәләнгән. Эстән янып, хафаланып, рәйес өйөнә ҡайтып бара икән. Юл ыңғайы Туҡайҙың һәйкәле янында туҡтаған. — Әй, Туҡай! Үҙең дә йүнле тормош күрмәгәнһең. Беҙгә лә тыныс йәшәргә ирек бирмәйһең, — тип әйткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалған. Уйлай китһәң, бөйөк шәхестәрҙең яҡта­шы ғына түгел, милләттәше булыу ҙа еңел түгел шул. Ул һәр кемгә оло яуаплы­лыҡ, тырышлыҡ, фиҙакәрлек бурысын да өҫтәй. Һуңғы китап Бер кемде лә үпкәләтмәҫ өсөн, был хәлдең ҡайҙа һәм кем менән булғанын әйтеп тормайым. Хәйер, бындай осраҡтың күптәр менән булыуы ихтимал. Дәүләт нәшриәтендә шундай яҙылмаған ҡанун бар: яҙыусының китабы биш йылға бер баҫыла. Әҫәрең ташҡа баҫылып, таралып бөтһә лә, биш йылды көтәһең. Бер заман нәшриәткә оло йәштәге шағир ҡулъяҙмаһын килтергән. — Ағай, китабыңды әле генә сығара алмайбыҙ. Тегенеһе донъя күргәнгә яңы ике йыл үтте, — тигәндәр уға. — Тағы өс йыл көтәһең инде... — Юҡ, туғаным, өс йыл көтөп булмаҫ инде. — Ҡулъяулығы менән күҙ йәшен һөртөп алған шағир. — Минең һәр көнөм һанаулы, һаулыҡ хөрт, йөрәк насар эшләй. Был минең һуңғы йәйем, күрәһең. Үҙ хәлемде үҙем яҡшы беләм. Мин үлгәс, ул китап сыҡты ни, сыҡманы ни! Уның ни ҡыҙығы бар. Ошо шатлығымдан мәхрүм итмәгеҙ иҫән сағымда, һуңғы китабымды баҫтырығыҙ инде... Нәшриәттә эшләгәндәрҙең йөрәгенә үтеп ингән был һүҙҙәр. Етмәһә, хушлашыу һымағыраҡ шиғырҙары ла байтаҡ икән. Оло кешенең хәленә ингәндәр. Шулай итеп, пландан тыш ағайҙың шиғри йыйынтығын сығарғандар. Бер йыл үткәс, теге шағир йәнә нәшриәттең ишеген шаҡыған. Был юлы ул иҫтәлектәр китабының ҡулъяҙмаһын алып килгән. — Ҡустылар, хәлдәрем бик хөрт, яңы ғына дауахананан сыҡтым, — тигән ул, йөрә­ген тотоп. — Миңә йәшәргә күп ҡалманы. Бына ошонда яҙылған иҫтәлектәрем халҡыма һуңғы һүҙем булып етһен ине. Инде икенсе мәртәбә уның “һуңғы” китабын сығарырға ашыҡмағандар. — Ағай, беҙ үҙ һүҙебеҙҙә торҙоҡ, кита­быңды тиҙләтеп сығарҙыҡ. Ә һин үҙ һүҙең­дә торманың бит, — тип яуаплағандар уға.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Балалар тарихи тамырҙары менән танышты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. “Мин Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында уҡығанда Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан күп егеттәр һәм ҡыҙҙар уҡый ине, сөнки быуаттар буйы ошо өлкәләрҙә башҡорт халҡы йәшәй. Шунан был эш – Рәсәй төбәктәренән йәштәрҙе республика гимназияларында уҡытыу туҡталды һәм 15 йыл буйы система рәүешендә башҡарылманы. Ике йыл элек беҙ был эште яңынан тергеҙҙек. "Белем" мәғариф фестивале үткәрәбеҙ. Беҙҙең гимназиялар өлкәләр буйлап йөрөп, балалар өсөн имтихандар, уҡырға ҡабул итеүҙәр ойоштора. Быйыл Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы бик шәп проектты тормошҡа ашырҙы. Уның исеме "Тамырым – башҡорт". Рәсәй төбәктәренән 60 мәктәп уҡыусыһы Өфө һәм республика буйлап сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Улар ҡайҙа ғына булманы, хатта Шүлгәнташ мәмерйәһенә лә барып етте. Шулай итеп, Башҡортостан, уның тарихы һәм мәҙәниәте менән танышҡас, ошо 60 бала араһынан Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатына һәм Республика инженер лицейына уҡырға инергә теләүселәр ҙә табылды”, - тип яҙҙы Азат Шамил улы. Фото: https://vk.com/a.badranov Автор:Гөлдәр Яҡшығолова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Беҙҙең “Янғантау” шифаханаһы XIX Бөтә Рәсәй “Шифахана – 2019” форумында өс номинацияла алтын миҙалға лайыҡ булды. Улар – “Һаулыҡ һаҡлауҙың иң яҡшы технологиялары”, “Иң яҡшы SPA-технологиялар” һәм “Менеджмент һәм маркетингты ойоштороу буйынса иң яҡшы ойошма”. Форум 21-23 майҙа Ҡырым республикаһының Алушта ҡалаһында үтте. Унда 25 төбәктән өс меңдән ашыу шифахана тармағы белгесе йыйылғайны. “Шифахана” Бөтә Рәсәй форумы йыл һайын үткәрелә. Унда Башҡортостан вәкилдәре даими ҡатнаша. Былтыр “Янғантау”ҙан тыш алтын миҙалдарҙы “Красноусол”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Танып” һәм башҡа шифаханалар ҙа алғайны. https://bash.rbsmi.ru/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#ВладимирПутинКисә Дәүләт Думаһы депутаты Валентина Терешкова, парламент ултырышында сығыш яһап, ил етәксеһе вазифаһына һайланыу тәртибен үҙгәртеү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. Уның фекеренсә, был аҙым Владимир Путинға 2024 йылдан һуң да президент һайлауҙарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирәсәк. #ВладимирПутин Кисә Дәүләт Думаһы депутаты Валентина Терешкова, парламент ултырышында сығыш яһап, ил етәксеһе вазифаһына һайланыу тәртибен үҙгәртеү тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны. Уның фекеренсә, был аҙым Владимир Путинға 2024 йылдан һуң да президент һайлауҙарында ҡатнашыу мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ көндө Конституцияға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе буйынса Думала Президент үҙе аңлатмалар бирҙе. Терешкованың тәҡдименә туҡталып ул: “Асылда, бындай варианттың булыуы ихтимал, тик бер шарт үтәлгән осраҡта: әгәр Конституция суды бындай үҙгәрештең төп закон ҡанундарына ҡарша килмәүен рәсми раҫлаһа ғына”, - тине. Терешкованың өҫтәмәләрен тауышҡа ҡуйыу шундай һөҙөмтәләр бирҙе: риза – 380, ҡаршы – 43 депутат, бер халыҡ вәкиле битараф. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Донъя шулай китте: ерҙән бирә торғанды күктәрҙән көтәбеҙ. Юғарыларға яҙылған ялыуҙар тураһында әйтеүебеҙ. Шәбағыш та, башҡалар кеүек, һин дә мин йәшәп ята, уларҙың да бәләләре байтаҡ, шуларҙың береһе – һыу бәләһе. Насос йүнле эшләмәй, сөпөрләп кенә аҡҡан һыуҙа хатта ҡулды йыуып та булмай (телевизорҙан көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡулығыҙҙы һабынлап йышыраҡ йыуығыҙ тиҙәр, етмәһә). Февраль айынан бирле һыу менән проблема килеп сыҡты, тип яҙғандар шәбағыштар, - һыу йә була, йә бөтөнләй булмай, кер йыуам тиһәң дә, сәй эсәм тиһәң дә, бәлә. Ә бит тышта коронавирус. Эштән ҡайтҡас, ҡулды сайып та булмай. Бындай ялыу булғас, билдәле, ул шунда уҡ республика башлығының инцидент программаһына эләгә. Кем белмәй: интернетта кемгәлер, нимәгәлер риза булмай берәй нәмә яҙҙыңмы, уны шунда уҡ инцидент программаһы күреп ҡала – проблема хәл ителәме-юҡмы, әммә реакция була. Был осраҡта ялыу яҙған кешегә уңыш йылмая: Көйөргәҙе районы башлығы һыу бәләһен шунда уҡ хәл итә. Баҡһаң, ауылдың һыу насосы ныҡ иҫкергән булған. Уны әйләнгән һайын ремонтлап торорға кәрәк булған. Майҙың утыҙында Шәбағышҡа өр-яңы насос ҡуйғандар. Башҡаса ауылды һыу проблемаһы борсомаҫ, тип ышаныс белдерә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. Тулы материал 47-се һанда. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
"Медуза" баҫмаһы журналисы Иван Голуновты ҡулға алыуға бәйле йәмәғәтселек ғауға ҡуптарғайны. Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо ваҡиғанан һуң ике эске эштәр хеҙмәткәрен вазифаһынан бушатҡан. Ошо хаҡта Указ сығыуы хаҡында Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. "Медуза" баҫмаһы журналисы Иван Голуновты ҡулға алыуға бәйле йәмәғәтселек ғауға ҡуптарғайны. Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо ваҡиғанан һуң ике эске эштәр хеҙмәткәрен вазифаһынан бушатҡан. Ошо хаҡта Указ сығыуы хаҡында Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Указға ярашлы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса баш идаралығының Мәскәү ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы, полиция генерал-майоры Юрий Девяткин, баш ҡаланың Көнбайыш административ округы буйынса эске эштәр идаралығы башлығы, полиция генерал-майоры Андрей Пучков вазифаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Мәғлүм булыуынса, Иван Голунов айырыуҙа ҙур күләмдә наркотик матдәләр һатыуҙа ғәйепләнеп, 6 июндә ҡулға алына һәм уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Рәсәй эске эшгтәр министры Владимир Колокольцев 11 июндә енәйәт эшенең иҫбатланмауына бәйле журналисты эҙәрлекләү туҡтатылыуы, уның аҡланыуы хаҡында хәбәр итте. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Нияз Фазылов Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.Республика Башлығы указына 19 апрелдә ҡул ҡуйылған. Нияз Фазылов Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.Республика Башлығы указына 19 апрелдә ҡул ҡуйылған. Радий Хәбиров дүшәмбе оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Быға тиклем Нияз Фазылов тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары булып эшләне. «Һеҙ Нияз Мансур улын бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ, таныштырырға кәрәкмәй. Беҙ бизнес-шерифтар, муниципалитеттар менән эште көсәйтербеҙ. Нияз Мансур улы был бурысты атҡарып сыға алыр тип уйлайым, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Римма Юрьевна (Бойцова) беҙҙең менән ҡала, ул ҙур проекттар өҫтөндә эшләй, атап әйткәндә, IQ-парк, Киләсәк фабрикаһы, шуға күрә беҙ шул рәүешле алға табан барабыҙ». "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ағымдағы йылдың 31 июленән «Күсемһеҙ милекте теркәү тураһында»ғы 218-се Федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, кешеләрҙең уртаҡ күсемһеҙ милке менән эш иткәндә, элек мотлаҡ булған нотариаль раҫлау ҡайһы бер килешеүҙәрҙә кәрәкмәйәсәк. Федераль кадастр палатаһы килешеүҙәр төҙөү поцедураһындағы үҙгәрештәргә аңлатма биреп үтте. Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, күсемһеҙ милектең хужаһы бер генә кеше булһа, уны һатыу, алыу һәм ипотека килешеүҙәрен нотариаль раҫлау кәрәкмәй. Әгәр ҙә милек хужалары булып бер нисә кеше торһа, уртаҡ милеккә килешеү төҙөгәндә нотариаль раҫлау талап ителә. Уртаҡ күсемһеҙ милек менән эш итеү килешеүҙәре өсөн бындай ҡағиҙәләр 2016 йылда 172-се Федераль законда ҡаралып, бөгөнгө көнгә тиклем эшләп килде. Яңы 76-сы Федераль закон уртаҡ милек менән эш итеү килешеүҙәре төҙөүҙе ябайлаштырҙы. Уға ярашлы, 2019 йылдың 31 июленән уртаҡ милектең бөтә хужалары ла бергә йыйылып, ипотека һәм тартып алыу (отчуждение) килешеүҙәре төҙөгәндә документты нотариаль раҫлау талап ителмәй. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, һатыу-һатып алыу, бүләк итеү, мираҫҡа ҡалдырыу һәм ипотека килешеүен, уртаҡ милек хужалары бөтәһе лә ҡултамғаларын ҡуйған осраҡта, ябай яҙма формала төҙөргә була. «Индерелгән яңылыҡ граждандарға уртаҡ милек менән эш итеү килешеүен төҙөгәндә, уны нотариаль раҫлауҙың кәрәкме-юҡмы икәнен үҙҙәренә хәл итеү мөмкинлеге бирә. Күп осраҡта фатир, йорт, гараж һәм ер участкаларының уртаҡ хужалары булып яҡын туғандар тора. Уларға бер-береһе менән килешеү төҙөүҙе раҫлауҙың күп ваҡытта кәрәге юҡ»,- ти Федераль кадастр палатаһы эксперты Надежда Лещенко. Мотлаҡ нотариаль йыйымдарҙы бөтөрөү аҡсалата сығымдарҙы кәметәсәк һәм уртаҡ милек булған күсемһеҙ милек әйләнеше процесын күпкә ябайлаштырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта милектең хоҡуҡлы хужалары, теләге булһа, килешеүҙе нотариуста раҫлата ала. Килешеүҙәрҙе нотариус раҫлауы, суд тикшереүҙәре килеп тыуған осраҡта, килешеү төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн нигеҙ булып тора. Уртаҡ милек хужаларының береһе генә лә килешеү төҙөүҙән баш тартһа, ҡалғандарына документты тейешенсә тултырыу өсөн нотариусҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Килешеүҙәрҙе өҫтәмә легитим гарантиялау уларҙың хаҡын арттырыуға килтерә, сөнки килешеүҙе раҫлағанда нотариаль хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән тыш, Рәсәй Федерацияһының нотариат закондары тарифтарына ярашлы күсемһеҙ милек хаҡынан 0,5 процент түләү ҡаралған. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ут электр ҡоролмаһында төҙөкһөҙлөк булыуы һәм шул килеш ҡулланылыуы арҡаһында сыҡҡан. Бындай күңелһеҙ хәлдәрҙә шуныһы ла үкендерә – яҡташтарыбыҙ араһында йортҡураны страховкалау ғәҙәте бик һирәк. Страховка компанияларына милек хужалары менән тығыҙыраҡ эшләү кәрәк булһа, ә күбебеҙгә ауыр хәлдәргә тарый күргәндә үҙеңә “һалам түшәү” тураһында уйланырға урын бар. Йыл башынан ғына муниципаль районда 327 янғын булған. Утта 9 кеше һәләк булған, 7 кеше йәрәхәтләнгән. Янғындарҙы иҫкәртеүҙең төрлө юлдары ҡулланыла. Һәр йортта, һәр фатирҙа булырға тейешле, бигерәк тә күп балалы ғаиләләрҙә, яңғыҙ йәшәүселәрҙә тәү сиратта ҡуйыу хәстәрләнгән автомат иҫкәрткестәр шуның береһе. Был ҡоролма 300 һум тирәһе генә тора. Яҡындарының, милкенең именлеген уйлаған кеше уны хакимиәт иҫәбенә килтереп ҡуйыуҙарын көтөп тормаясаҡ, әлбиттә. Октябрь айынан Ишембайҙа янғындарҙы иҫкәртеү буйынса белгестәр төркөмө эшләй башланы. Уларҙың төп бурысы – халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге сараларын мотлаҡ үтәү мөһимлеген аңлатыу. Был хеҙмәт республикала янғындарға бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуынан сығып төҙөлгән. Йорттар, фатирҙар буйлап йөрөп, белгестәр ябай ҡағиҙәләрҙе аңлатырға мәжбүр, йыш ҡына торлаҡта янғынға килтерергә мөкин сәбәптәр асыҡлана. – Әйләнә-тирәгеҙҙә ут сығыу ихтималлығы ҙур булған йорттар, фатирҙар бар икән, зинһар, беҙгә хәбәр итегеҙ. Әлбиттә, был төркөмгә иң тәүҙә имен тормош алып бармаған ғаиләләр ҡарай. Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте Ишембай ҡалаһында Урал урамы, 77 адресы буйынса хәрби комиссариат бинаһында 13-сө кабинетта эшләй. Бәләләрҙе иҫкәртә беләйек! - тип мөрәжәғәт итте хеҙмәт инженеры Рөстәм Даянов Теманы дауам итеп Петровск ауылындағы янғын һүндереү часы яңы техника менән тулыланды. - Беҙгә “Урал-5557” автомобиле тапшырылды, - ти етәкселәре Радик Ишмөхәмәтов. – Ул ете кеше ултырыуға иҫәпләнгән, ә цистерна күләме алты куб метр тәшкил итә. Был машина менән ҡатмарлы участкаларға тиҙ арала барып етә аласаҡбыҙ, һыу булмаған урындарҙа янғындар менән көрәш тә һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Был янғын часы райондың ете ауыл Советында урынлашҡан ауылдарҙы - көньяҡтан төньяҡҡа – 100, көнбайыштан көнсығышҡа табан 50 километр арауыҡты хеҙмәтләндерә. Техника республика хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән 2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында янғын-ҡотҡарыу көсөн үҫтереү стратегияһы сиктәрендә бүленгән. Әлеге көндә часта 13 кеше эшләй, уларҙың ҡулы аҫтында ике янғын һүндереү машинаһы бар. Фото: Ольга Морозованың шәхси архивынан. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Әлшәйҙәр әүҙемләшә. Раевка гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Ғабдулла ҡыҙы Кашапова ла "Йәншишмә" гәзитенә яҙылған. Ҡалай шәп! Йә, кемдәр эйәрә, әлшәйҙәргә?! Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетын (РУДН) 60 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. Ҡотлау телеграммаһы шәмбе көн Кремлдең сайтында баҫылды. «Теүәл 60 йыл элек РУДН яңы ғына бойондороҡһоҙлоҡ яулаған Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәренән килгән йәштәргә үҙ ишектәрен асты һәм улар өсөн тыуған йорттарына әйләнде. Бында белем алып сыҡҡандарҙың күбеһе беҙҙең илдә уҡыған йылдарын, уҡытыусыларын һәм дуҫтарын йылылыҡ менән иҫкә алалар, тип уйлайым», - тиелә ҡотлауҙа. Президент ошо йылдар эсендә университеттың иҡтисад өлкәһенән алып филология өлкәһенә тиклем меңәрләгән квалификациялы белгестәр әҙерләүен, халыҡтар дуҫлығын, төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте, бөгөн дә РФ вуздары араһында иң яҡшыһы булыуы менән ҡыуаныуын белдерҙе. РУДН – Рәсәйҙәге иң эре фәнни-уҡытыу үҙәктәренең береһе. 1960 йылдың 5 февралендә СССР Министрҙар Советының һәм КПСС Үҙәк комитетының Мәскәүҙә Халыҡтар дуҫлығы университеты (УДН) булдырыу тураһында ҡарары сыға. Уның билдәле сығарылыусылары араһында РФ Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова, йәмәғәт эшмәкәре Ирина Хакамада, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Григорий Балыхин бар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Июль айында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булғайны. Тап шунда ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған заводтың яҙмышына ҡағылышлы мәсьәлә күтәрелгәйне. Өс йыл туҡтап торғандан һуң, Ағиҙел силикат кирбес етештереү заводы эшләй башланы. Предприятие һөҙөмтәле эшләү өсөн заказ менән тәьмин ителгән. Уның проект ҡеүәте – айына алты миллион кирбес булһа, әле 640 мең кирбескә заказ бар. Предприятие етәксеһе Марат Мәннәнов әйтеүенсә, Башҡортостан Республикаһы ярҙамы менән логистика яйға һалынған, яҡын киләсәктә етештереүҙе проект ҡеүәтенә еткереү күҙаллана. Ағиҙел ҡалаһы өсөн завод бик мөһим. Тәү сиратта ул эшһеҙлек проблемаһын хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк. 39 кеше эшкә алынған да инде, тиҙҙән уларҙың һанын 150-гә еткереү планлаштырыла. Заводта газ-силикат блоктар етештереү линияһы ла әҙер тиерлек. Ҡорамалдар һатып алынған. Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән кредитлау мәсьәләһе тикшерелә. bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Коронавирус пандемияһы осоронда белем биреү учреждениеларына һауаны зарарһыҙландырған рециркуляторҙар ҡуйыласағы мәғлүм. Был – зарарлы вирустан балаларҙы мөмкин тиклем һаҡлар өсөн "Роспотребнадзор" ҡуйған талап. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары илдең Мәғариф министрлығына уҡыусы балаларҙың ата-әсәләренән рециркуляторҙар өсөн аҡса йыйыу осраҡтарын алдан киҫәтеүҙе һорап хат ебәргән. Был хаҡта “Яңы мәктәп” партия проекты координаторы Алина Аршинова белдергән. “Министрлыҡҡа, төбәктәргә "Роспотребнадзор" кәңәш иткән ҡорамалдарҙы бюджет иҫәбенә һатып алыу мотлаҡ тигән талап ҡуйырға, тигән үтенес белдереп хат яҙҙыҡ. Министрлыҡ беҙҙең менән килеште. Мәктәптәрҙә санитар ҡағиҙәләрҙе һәм талаптарҙы үтәр өсөн көсләп аҡса йыйылырға тейеш түгел”, – тигән ул. Баҡтиһәң, партия проекты координаторына ата-әсәләр был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә зарланған. “Тамбов, Владимир, Волгоград, Силәбе, Хабаровск, Башҡортостан яҡтарында ошондай осраҡтар теркәлгән. Был төбәктәрҙә ата-әсәләрҙән яңы ҡорамалдар һатып алыр өсөн 500-ҙән алып 700 һумға тиклем аҡса талап иткәндәр. Һәр осраҡты тикшерҙек, мәғлүмәт раҫланды. Ҡабатлап әйтәм, быға юл ҡуйылырға тейеш түгел, мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк. “Берҙәм Рәсәй” рециркулятор һәм башҡа махсус ҡорамалдарҙың тап бюджет иҫәбенә һатып алыныуын күҙәтәсәк”, – тигән депутат. Рәсәй Мәғариф министрлығының "ҡыҙыу бәйләнеш" селтәренә ата-әсәләрҙән ялыуҙар килә башлаған. Мәғлүмәт урындарҙа тикшерелә. Бындай осраҡтар теркәлә ҡалһа, мәктәп хакимиәтенә ҡарата саралар күреләсәк, тип белдергәндәр унда. Министрҙың беренсе урынбаҫары Дмитрий Глушко төбәктәрҙе бындай осраҡтар өсөн яуаплылыҡ ҡаралғаны тураһында ла иҫкәрткән. фото: https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/M-kt-pk-ata-s-l-r-n-a-sa-yiyiu-tiyila-411031/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүсе медиктарға түләүҙәр өсөн Башҡортостан Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан 29 млн 677 мең һум аҡса аласаҡ. Коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүсе медиктарға түләүҙәр өсөн Башҡортостан Рәсәй хөкүмәтенең резерв фондынан 29 млн 677 мең һум аҡса аласаҡ. Дауалау учреждениеларында эшләүсе коронавирус менән сирлеләрҙе дауалаусы табиптарға 80 мең һум, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтарына 50 мең һум, кесе медперсоналға – 25 мең һум түләнә. “Ашығыс ярҙам” табиптары 50 мең һум, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтарына, водителдәргә – 25 мең һум өҫтәмә түләүҙәр булдырылған. Республика фондынан өҫтәмә түләүҙәр 5 – 25 мең һум тәшкил итә. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Бөгөн Башҡортостанға Бөтә Рәсәй “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” һәм “Нацизмһыҙ донъя өсөн” саҡырыуы аҫтында үткән Бөтә Рәсәй автомобилдәр йөрөшө ҡатнашыусылары килде. Колоннаны Мәсетле районы вәкилдәре Свердловск өлкәһе сигендә ҡаршыланы. Улар ҡунаҡтар өсөн башҡорт бейеүен башҡарҙы, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән һыйланы. Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Садиҡов һәм муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Сәғәҙәтов та ҡатнашты. - Йыл һайын профсоюздар лайыҡлы эш хаҡы, хеҙмәт урындары менән бәйле Беренсе Май акцияларын үткәрә. Быйыл ил өсөн мөһиме өҫтәлде. Был – Рәсәй армияһына, ил Президенты Владимир Путинға һәм Украиналағы махсус хәрби операцияға теләктәшлек белдереү. Илдәге ҙур ижтимағи ойошма булған Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы шымып ҡалһа, үҙ фекерен әйтмәһә, сәйер булыр ине, - тип белдерҙе Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы етәксеһе урынбаҫары Александр Шершуков. Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының Себерҙәге вәкиле Дмитрий Морокин да тәьҫораттары менән уртаҡлашты: - Мин - Новосибирскиҙан. Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Бында минең өсөн барыһы ла ҡыҙыҡ – халҡығыҙ, мәҙәниәтегеҙ. Бына бөгөн беренсе тапҡыр милли эсемлегегеҙ - ҡымыҙҙы ауыҙ иттек. Бик тәмле. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә булһаҡ та, донъяға бер төрлө ҡарайбыҙ. Был бер еп кеүек йөрөш, барлыҡ төбәктәрҙе, биләмәләрҙе, халыҡтарҙы берләштерә. Фото: социаль селтәрҙән. Автор:Айһылыу Низамова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙизоляция режимын йомшартыу тураһындағы кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте. 12 майҙан Дорога.ру сайты эшләүҙән туҡтай. Йәғни хәҙер автомобилдәрҙе интернетта теркәмәй генә йөрөргә мөмкин. Скверҙарҙа һәм парктарҙа, балалар майҙансыҡтарында булырға рөхсәт ителә. Тик битлек кейеү һәм аралыҡ һаҡлау мотлаҡ булып ҡала әле. Кеше күп йыйылған урындарҙа: магазин, банк, йәмәғәт транспортында, күп профилле үҙәктәрҙә лә был ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Республикала бассейндар, музейҙар, кинотеатрҙар, фитнес-клубтар һәм башҡа кеше күп йыйылған учреждениелар асылмай әле. Бәләкәйерәк магазиндар эшләй башлаясаҡ. Уларҙа санитар- эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Уҡыусыларға көндөҙгө сәғәт 2- нән киске 8-гә тиклем генә урамға сығырға мөмкин, ә 65 йәштән өлкәндәргә - иртәнге 6-нан киске 6-ға тиклем. Бөтә республикала битлек режимы дауам итә. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
“Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү матур йолаға әйләнде. “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү матур йолаға әйләнде. Сираттағы осрашыуыбыҙ “Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә” тип аталды . Башта социаль педагог һаулыҡты нығытыу өсөн күнекмәләр үткәрҙе. Артабан Өфө ҡалаһында үткән принцессалар балында ҡатнашҡан әсәйҙәр күңелдә оҙаҡҡа ҡалырлыҡ, иҫ киткес сара тураһында тьәҫораттары менән уртаҡлашты. Ә инде Гөлсирә Хәкимова Иҙелдең балалар өсөн “Бирешмә”беренсе үҫмерҙәр премияһының “Телеңде үҫтер” номинацияһының махсус призына лайыҡ булыуы тураһында һөйләне. Улар был республика кимәлендәге саралар юғары кимәлдә ойошторолоуы, һәр бер балаға иғтибар бүленеүе һәм әсәйҙәрҙе бындай сараларҙан ситтә ҡалмай балаларын әүҙем ҡатнаштырырға саҡырҙы . Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә Әбүбәкир ауылынан Миңлегөл Зиянгирова “Терпекәй” тәмлекәсен бешереп күрһәтһә, Аҡъяр ауылынан Таңһылыу Байғабулова махсус ептән ырғаҡ менән мунса йыуғысы бәйләргә өйрәтте. Педагогтар үткән байрамдар менән ҡотлап барыһына ла бүләктәр тапшырҙы. Бындай осрашыуҙарҙа әсәйҙәр оҫталыҡтары менән бүлешеп, яҡындан танышып , аралашып , күтәренке кәйеф менән таралыша. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү» республика марафоны башланды. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле биттәре мәңгелеккә Рәсәй тарихына инеп ҡалды. Халҡыбыҙ һуғыштың нимә икәнен белә. Беҙ Еңеү һалдаттарының батырлығын онотмайбыҙ. Парадтар, салюттар, «Үлемһеҙ полк», тематик саралар, акциялар һәм күргәҙмәләр — барыһы ла улар хаҡына», — тине Рәнис Рәйес улы. Республиканың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары советы рәйесе Валерий Шәрипов үҙенең сығышында «Еңеү»гә арналған Республика марафонына символик рәүештә XX быуат тарихының иң фажиғәле осоро — Икенсе донъя һуғышы башланыуға 80 йыл тулған йылда, шулай уҡ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләр алдынан старт бирелеүен әйтте. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хеҙмәт һәм хәрби хеҙмәт ветерандарының республика һәм ҡала советтары ағзаһы, Өфөнөң Орджоникидзе районының почетлы гражданы, бик күп хөкүмәт наградалары кавалеры Илгизәр Хәиров тантананың абруйлы ҡунағы булды. Ул һуғыш һәм Бөйөк Еңеү көнөндә — 1945 йылдың 9 майында кисергән хис-тойғолары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостан Республикаһында «Еңеү» марафоны штандартын тәүгеләрҙән булып Борай районы ҡабул итте. 15 ноябрҙә Борайҙа Бөрө, Кушнаренко, Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә, Борай райондары ҡатнашлығында «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестиваленең беренсе зона сараһы була. Артабан «Еңеү» республика марафоны штандарты республика фестиваленең туғыҙ зона сараһын урап сыға. Тантанала 1941-1945 йылдарҙағы Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының атлы төркөмөнә «Мәңгелек ут» символы менән капсула тапшырылды. Артабан ул «Еңеү» республика марафоны барышында Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына тапшырылырға тейеш. «Еңеү» республика марафонының һуңғы этабы 2020 йылдың 9 майында Өфөлә байрам саралары барышында уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Марафонды ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика Хәрби дан музейы, Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре хакимиәттәре. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Былтыр көҙ рәсми рәүештә эшкә урынлаштым һәм миңә ғәҙәти хеҙмәт кенәгәһе астылар. Ә хәҙер нисек? Уны электрон хеҙмәт кенәгәһенә алмаштырасаҡтармы?” – тип һорай бер предприятиеның йәш хеҙмәткәре. - Эш биреүсе 2020 йылдың 1 июленә тиклем яҙма рәүештә һәр хеҙмәткәргә һайлау мөмкинлеге - ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһендә ҡалыу йәиһә тулыһынса электрон хеҙмәт кенәгәһенә күсеү тураһында хәбәр итергә тейеш. Был турала 31 декабргә тиклем уйларға кәрәк, - тип яуап бирҙе Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Әлшәй районы буйынса халыҡты эш менән тәьмин итеү бүлегенең хеҙмәт буйынса белгесе Венера ФӘЙЗУЛЛИНА. – Әгәр һеҙ кадрҙар бүлегендә хеҙмәт кенәгәһенең ҡағыҙ версияһын да һаҡларға теләһәгеҙ (электрон хеҙмәт кенәгәһе мотлаҡ алып барыласаҡ), йыл аҙағына тиклем эш биреүсе исеменә ғариза яҙырға кәрәк, юғиһә документ һеҙгә ҡайтарып биреләсәк. Ә 2021 йылдан эшләй башлаусылар тик электрон хеҙмәт кенәгәһенән генә файҙаланасаҡ. Кәрәк булғанда электрон хеҙмәт кенәгәһенән мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға яҙып та алырға мөмкин буласаҡ. Уны әлеге йәки элекке эш биреүсе (һуңғыэш урыны буйынса) , шулай уҡ Пенсия фонды идаралығы йәки күп функциялы үҙәк тә бирә ала. Хәҙер эш биреүселәр Һеҙҙең хеҙмәт эшмәкәрлегегеҙ тураһында Пенсия фондына ла электрон тәртиптә мәғлүмәт тапшырырға бурыслы. Тәүге мәғлүмәттәр 2020 йылдың 15 февраленән дә һуңламай, ә артабан – хеҙмәткәрҙең хеҙмәт эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәргә бәйле (икенсе вазифаға күсереү, эштән китеү) тапшырылырға тейеш. Әгәр бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаһа, ай һайын мәғлүмәт биреү талап ителмәй. фото/Pixabay Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Әлдән-әле яуып киткән ямғырҙарҙан һуң ҡояш сығып, бер аҙ елләтеүе була, баҫыуҙар тағы ла комбайн-трактор, машиналар тауышына күмелә. Районда ҡайҙалыр иген, техник культуралар баш ҡоҫоп, уларҙы урып-һуғыуға төшһәләр, кемдер киләһе йыл уңышына ужымға орлоҡ сәсә, өсөнсөләр мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл, был ер эштәрен бер юлы алып барған хужалыҡтар, фермерҙар ҙа бар. «Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ла мал аҙығы әҙерләү дәррәү бара, уның менән бер рәттән иген культураларын сабырға төшкәндәр. Хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары Сәғит Хафизов менән Азат Ибраһимов үҙҙәренең МТЗ тракторҙарына эленгән сапҡыс менән һолоно яҫмаларға һалған, уны сабып бөтөү менән етенгә төшәсәктәр. — Ямғырҙар йышайыуы эштәрҙе туҡтатты. Шулай ҙа көндәр аяҙыу менән комбайндар һолоно йыйып-һуғыуға төшөүгә тулы әҙерлектә, башҡа культуралар үҫкән баҫыуҙарҙың ситтәре сабып сығылды, — тип таныштыра үҙ хужалығындағы эштәр менән Ғ. С. Ғәлләмов. — Әлегә сенаж һалыу менән мәшғүлбеҙ. Эштең уңышының күпселек өлөшө механизаторҙарға бәйле, уларҙың тәжрибәле һәм оҫта булыуҙарын билдәләп үтеү мөһим: бөгөн сенаж сапһалар йә иген урһалар, иртәгә, кәрәк икән, комбайнға ултыралар. Көнбағышты сенажға ком-байнсы Дамир Шаһивәлиев сабып, машинаға тейәп, оҙатып бара. КамАЗ водителдәре Захар Евстифеев менән Дамир Һат-лыҡов йәшел массаны ферма ихатаһындағы сенаж соҡорона ташып тора. Килтереп ауҙарылған йәшел массаны көрәк эленгән ДТ тракторында Фәрит Абдрахманов тигеҙләп таратыу менән Хөсәйен Махийәнов «Байкал ЭМ» консерватын тейешле миҡдарҙа һыу менән иҙеп, сенажға һиптерә. Был минераль өҫтәмә аҙыҡта органик кислоталарҙың тупланыуына һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең һаҡланыуына кил-терә, шуның менән малдарҙың яҡшыраҡ ашауына һәм һөҙөмтәлә уларҙың продуктлылығын күтәреүгә булышлыҡ итә икән. Аңлатыуҙарынса, бындай консервант ҡушылған аҙыҡты ашаған быҙауҙарҙың тәүлеккә артым күрһәткесе юғарыраҡ була, һыйырҙар ҙа һөттө күберәк бирә һәм продукцияның ҡуйылығы арта. Консервант ҡушылған йәшел массаны Азат Ибраһимов Т-150 тракторы менән тапата бара. — Ғөмүмән, һәр кем үҙенә ҡушылған эште урын-еренә еткереп башҡара, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһенә малдарҙы уңышлы ҡышлатыу менән бергә, һыйырҙарҙан һөт, тана-торпонан артым алыу күләме лә бәйле, — ти хужалыҡ етәксеһе. Ғамир Сәлмән улы әйтеүенсә, йылдың ҡатмарлы килеүе сәбәпле планлаштырылған уңышты алып булмаясаҡ. — Йылылыҡ яратҡан культура булараҡ, арпаны, ғәҙәттә, һуңыраҡ сәсәбеҙ. Быйыл уны сәскәндән һуң, яуым-төшөм булманы, тупраҡтағы дым шытып сығыуға етмәгәндер инде, күрәһең, һөҙөмтәлә 612 гектар майҙанға ултыртылған арпа сыҡманы. Күпме орлоҡ материалы, техникаға яғыулыҡ әрәм булды, — ти әсенеп етәксе. — Шулай ҙа һуңғы ямғырҙар һөҙөмтәһендә күтәрелһә, уны, һуңлап булһа ла, бесәнгә сабырға ниәтләйбеҙ. Эйе, май айынан алып, йәғни сәсеү кампанияһы тамамланғаны бирле ямғырҙарҙың булмауы, июндәге ҡоро көндәр, июлдәге эҫелек арҡаһында үлән яҡшылап үҫмәне, иген баҫыуҙары ҙур зыян күрҙе. Июль уртаһынан яуған ямғырҙар хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алманы. Ҡоролоҡтан күрелгән зыян күләмен билдәләү буйынса комиссия район баҫыуҙарын ҡарап сығып, акттар төҙөгән. Әммә аграрийҙар зыяндың ҡапланыуына ҙур өмөттәр бағламай. Күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән баҫыуҙарында бесән күп түгел. Шулай ҙа бөгөнгө көнгә механизаторҙарҙың, водител-дәрҙең тырышлығы менән «Завет» ЯСЙ-һында 300 тонна бесән әҙерләнгән, тағы 1200 тонна тупларға иҫәп тоталар. 900 тонна сенаж һалынған, һутлы аҙыҡ сәселгән баҫыуҙарҙы сабып, өҫтәмә рәүештә тағы бер мең тонна тупларға тигән ышаныста йәшәй аграрийҙар. — Йыл нисек кенә ауыр килмәһен, мал һанын һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин тиклем аҙыҡ запасы туплау мөһим. Сөнки фермалар — халыҡ өсөн эш урыны. Дөйөм алғанда, бөгөн хужалыҡта 70-кә яҡын кеше эшләй. Уларҙың һәр береһенең ғаиләһе бар. Шул уҡ ваҡытта эшмәкәрлегебеҙ һөҙөмтәһендә район бюджетына эш хаҡынан ғына йылына 2 миллион һум тирәһе һалым түләйбеҙ, йәғни Әбйәлилдең үҫешенә лә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, — ти Ғамир Сәлмән улы. Әйткәндәй, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә ҡатмарлы һауа шарттары арҡаһында уңыш йыйыу бер аҙ тотҡарланыуын белдерҙе. Уның әйтеүенсә, яҡын көндәрҙә лә яуым-төшөм көтөлөүе сәбәпле, игенде еүеш көйө йыйып алырға һәм киптерергә тура киләсәк. Илшат Илдус улы уңыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса алдынғы хеҙмәткәрҙәр билдәлә-нәсәк һәм ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ, тине — Беҙ ауыл халҡына ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ. Тәүге ярты йылда билдәле сәбәптәр буйынса сәнәғәт етештереүе индексы әҙерәк кәмене, ә ауыл хужалығы үҫеш бирә, — тине Радий Хәбиров та. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙырыр, тиҙәр халыҡта. Шуға күрә аяҙ көндәрҙең һәр минутын файҙаланып, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ кампанияһын мөмкин тиклем дәррәү алып барыу мөһим. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Өс ерләү хеҙмәте автобусы – икәүһе көмөш, береһе ҡара төҫтә – ҡапҡа янында тора. Кәрәкле әйберҙәр, ризыҡ алып килгән туғандарҙан хасил сират оҙон булып һуҙылған. Шәп-шәп атлап табиптар үтеп китә – 20 минуттан смена алмашынасаҡ. 15-се дауахана, Мәскәү. 1474 пациент, һуңғы тәүлектә 225 кеше өҫтәлгән. Бөтә дауахана – “күк” һәм диагностика корпустарынан тыш – ҡыҙыл зона. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштең 207-се көнө бара. Ошо 207 көн эсендә нимәләр үҙгәргән? Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренең күреү һәләте яҡынса ярты диоптрияға насарайған. Артыҡ күп түгел, әммә һиҙелә. Улар ярты йыл дауамында донъяға пластик күҙлек һәм шлем аша ҡарай. Гипоксиянан күптәрҙә баш әйләнеүе күҙәтелә. “Быныһына ла өйрәндек”, – тиҙәр. Ҡайһы бер шәфҡәт туташтары төш күреүҙән туҡтаған. Төн Төнгө комендант корпус буйлап атлай һәм рацияны тыңлай. Уның исеме – Виктор Давидович Аносов. Ул – баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары. Бөгөн төндә комендант булып эшләй, ә иртәгә киске етегә тиклем хирургтар менән обход яһаясаҡ, бер нисә операция көтә. “Яҙғыһын ике-өс айға, тип уйла­ғайныҡ. Тиҙ арала еңәсәкбеҙ, тип ышандыҡ. Ә ул бөтмәй. Әлеге ваҡытта бер-ике йылға иҫәп тота­быҙ. Киләһе йылдың йәйенә – мотлаҡ булыр...” Тулы кәүҙәле ир секунд һайын тын ала. Күҙҙәре атылып сығып килгәндәй, ҡурҡып ҡарай. Ул быуыла. “Әгәр интубация эшләмәһәк, сәғәт эсендә үлеүе ихтимал”, – ти Виктор Давидович. “Был сирҙе ике аҙнала еңеп була. Бының өсөн Ер йөҙөндәге кешеләр ике аҙна бер-береһе менән бөтөнләй аралашмаҫҡа тейеш. Әммә был мөмкин түгел”, – ти ул. З. исемле сирлене ҡарайҙар, уны башҡа дауахананан алып килгәндәр. “Минең аяғым ауыртты. Ныҡ ауыртты”, – ти ул. Ярҙам эҙлә­гән күҙҙәре әле табипҡа, әле шәф­ҡәт туташына, йә миңә төбәлә. Доктор Ирина Евгеньевна Харламова одеялды күтәреп, аяҡтарын ҡарай. Уң аяғы һалҡын, ап-аҡ төҫтә. “Тромбоз. Был – ковидтың ғәҙәти эҙемтә­һе. Алырға кәрәк. Операция ике сәғәттән”. “Тромбтар бөтәһендә лә бар. Организмда тромб барлыҡҡа килеү ихтималлығын күрһәткән D-димер нормала бер-ике, максимум 500 булырға тейеш, ә беҙҙең сирле­ләрҙә ул – 1000, 3000, 7000!” – ти Виктор Давидович. – Баштағы тромб – инсульт, йө­рәктәге – инфаркт, үпкәләге – үпкә эмболияһы. Аяҡ-ҡулдарҙа булһа, еңелерәк. Ампутациялар көн һайын яһала. З. өсөн операция бүлмәһе дүрт сәғәттән генә бушай. Ашығыс операция бүлмәләре дүртәү генә ҡал­ған, башҡаларын реанимация бүле­ге итеп үҙгәрткәндәр. Аяҡты һары матдә менән буяйҙар һәм ҡыр­ҡа­лар. Тамырҙарҙы иттән айыралар. Балтыр аша өс магистраль артерия үтә, барыһын да таҙартырға кәрәк. Ҡан тамырҙарына Фогарти катетеры – нәҙек кенә пластик торба индерелә. Тромбтарҙы алдылар – ямғыр селәүсене кеүек оҙондар. “Бына шулай, көн дә үҙебеҙҙе балыҡсы ише тоябыҙ”, – ти шәфҡәт туташы. Тромбтар артабан тикшереү өсөн банкаға һалына. Ҡан тамырҙары ҡарайған, быға­са ҡатып торғандары эшләй башлай, ҡан артабан китә. Табип аяҡҡа допплерҙы – динамиклы, ультратауышлы микрофонды ҡуя, һәм беҙ ҡандың тамырҙар буйлап ағы­уын ишетәбеҙ. Табанда ул туҡтап ҡала, әммә ваҡ тамырҙар киңәйер һәм ҡан әйләнеше тулыһынса тере­лер, тигән өмөт бар. “Мөмкин бул­ғанды эшләнек Әйҙәгеҙ, тегәбеҙ”. Көн Табиптар коридорҙа кейем алмаштыра. Һаҡлаусы костюмдарға бейджиктар йәбештерелә. Исем, фамилия, вазифа. Дүрт операция бүлмәһе эшкә әҙер. Сәсе салланған ир, күҙҙәрен ҡыҫып, хирургия лампаһына ҡарай. Ҡалтырай, тын ала. Уны икенсе дауахананан килтергәндәр, аяғын ампутацияларға әҙерләйҙәр. Муйыны тәңгәлендәге катетерға препарат индерәләр, ир нимәлер бышылдай. Анестезиолог тынысландыра: “Бөркөттәр, бөркөттәр. Шулай була, бөркөттәр осоп килде”. Һары төҫтәге табан, шәмәхә төҫөндәге аяҡ. Уға 59 йәш. “Тромбоз. Артериялар зыян күргән”. Ашҡаҙанында – зонд, бәүел ҡыуығында – катетер, вена тамырында ла катетер. “Тештәр тура­һында онотма”. Ауыҙҙан яһалма теш ҡаҙнаһын алалар. Тын юлына торба ҡуйыла. Хирург Хетаг Мзоков аяҡты өҫкә күтәрә. Аяҡ ҡараһыу-һары төҫтә, сөнки йод менән буялған. Табип өсөнсө ҡат бирсәткәне кейер өсөн ҡулдарын еүешләй. Бында ике бригада табиптар эшләйәсәк. Хирургия инструменттарына ҡарауы ла ҡурҡыныс. Аяҡты ваҡ киҫәктәр менән ҡырҡалар. Ҡан аға. Һөйәк күренә. Көмөш хирургия ҡорамалы һөйәкте балдаҡ кейҙергән кеүек уратып ала. Ҡалын металл епкә оҡшаған бысҡы менән һөйәк ҡырҡыла. Санитарка аяҡты ҡыҙыл төҫтәге ҡапсыҡҡа һала. Операция ике сәғәт дауам итте. Бүлмәне стерилләйҙәр – киләһе кеше ампутацияға әҙерләнә. Ә теге сал ир төндә вафат булды. Беренсе бүлексә мөдире Сергей Николаевич Игнатьев икенсе реанимацияға юллана. Уны бик ауыр һөйләшеү көтә. – Тамара Ивановна, һаумыһы­ғыҙ. Аяғығыҙ ҡасандан ауырта? – Бер аҙна, – ти ул. – Төрлөсә ауыртты. Сергей Николаевич, одеялды күтәреп, аяҡты ҡарай. Тамара Ивановна ҡарашын ситкә йүнәлтә. – Аяғығыҙ үлгән. Ҡырҡырға кәрәк. – Юҡ. – Үҙегеҙ үләсәкһегеҙ. – Үлһәм, үлермен, – ти ул, уҫал итеп. – Әммә был йәштә аяҡһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк... – Бик ауыр, яфаланып үләсәк­һегеҙ бит... – табип янында торған комендант һүҙгә ҡушыла. Тамара Ивановна ныҡ итеп ирендәрен тешләй. Илап ебәрмәҫ өсөн түбәгә ҡарай. Сергей Николаевич өндәшмәй. Бер аҙҙан ябай ғына итеп һорай: – Кем хаҡыналыр йәшәргә кәрәкме? – Эйе. – Улайһа, операция. Бөгөн һеҙҙе әҙерләйәсәктәр. Иртәгә мин бары­һын да эшләйәсәкмен. Үҙем. Һеҙ беҙҙең ышанысты аҡлаясаҡһығыҙ, эйеме? – Тырышырмын, – ти шым ғына Тамара Ивановна. Сергей Николаевич баш ҡаға. Ул коридорға сыға. Мин уның йө­ҙөнә ҡарайым, әммә эске кисе­рештәрен аңлай алмайым. Операция бүлмәһенә инәбеҙ. Бында Сергей Николаевич 15 минут эсендә ҡасандыр ҡатын-ҡыҙ ҡулы булған тән өлөшөн алып ташлай. Төн Ирина Евгеньевна менән Наталья Григорьевна пациенттарҙың киске анализдарын ҡарай... Икеһе лә яңы ғына ҡырҡты үткән. Пандемия осоронда Ирина Евгеньевна – 15, Наталья Григорьевна 20 ки­лограмға ябыҡҡан. Киске обход үткән. Наталья Григорьевна шәфҡәт туташтарын әрләй. Улар етенсе койкала ятҡан Петровичты эсенә әйләндергән саҡта яҫтыҡ һалырға онотҡан. Дөйөм көс менән Петровичты күтәрәләр, ҡорһағы тәңгәленә яҫтыҡ һалалар. Ул бик ҙур кәүҙәле. Бер тәүлек инде иҫһеҙ ята. Бүлексәлә 12 пациент. Барыһы ла – ир-егеттәр, “көсһөҙ зат”. Дүрт сәғәт һайын Наталья Григорьевна менән Ирина Евгеньевна көндә­леккә һәр сирленең хәлен яҙа. Һәр кемгә көн һайын ҡағыҙ карта тултырыла. Пациенттар менән эшләргә ваҡыттары ла ҡалмай тиерлек. Етенсе койкалағы Петрович үлде. ИВЛ аппараты үле үпкәләре менән тын ала, ә йөрәге туҡтаған. “Пациент китте. Ҡаңғырырға кәрәкмәй. Бөттө”, – ти Ирина Евгеньевна һәм компьютер янына барып ултыра. Анализдарҙы яңынан асып ҡарай. “Был осраҡта ашы­ғыуҙан фәтүә юҡ”. Ул реанимация саралары эш­ләмәй. “Бының мәғәнәһе юҡ. Ул оло йәштә, анамнезда ишемия сире һәм башҡалар булыуы ихтимал, шуға күрә организм көсөргәнеште күтәрмәйәсәк. Метаболик тайпылыштар китәсәк һәм... Тәк, мин нимә эҙләйем әле... Иртәнге биохимияны ҡарарға кәрәк. Тәк, АЧТВ, альбумин, ә бына, мочевина – 40. Аңлашылды. Киҫкен бөйөр эшмә­кәрлеге тайпылышы. Ковид эҙем­тәһе. Бындай осраҡтар йыш була: пациенттың бөйөрҙәре насар эшләй башлай һәм шлак сығарыу сис­темаһы зыян күрә. Ә бөйөрһөҙ беҙ кеше түгел... ” Наталья Григорьевна мәрхүмдең улына шылтырата. Тауышы быяла сыңы кеүек. “Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе 15-се ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенән борсойбоҙ. ... һеҙҙең кемегеҙ була? Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, үкенескә ҡаршы, ул үлде”. Петровичҡа 69 йәш булған. Уның мәйетен уранылар ҙа шаршау тартып ҡуйҙылар. Йоҡа ғына аҡ шаршау артында үлем йәшеренгән. – Реанимация саралары нин­дәйҙер ыңғай һөҙөмтәгә ышаныс булғанда ғына башҡарыла. Бәлки, минең һүҙҙәрем бик ҡәтғи яңғырар: өсөнсө-дүртенсе стадиялағы пневмония булған 80 йәштән олораҡ пациенттар реанимацияға һалын­маҫҡа тейеш, – ти Ирина Евгеньевна. – Һуғыштағы кеүек. Ә был һуғыш. Реанимация койкаһы бик ҡиммәт. Уларҙың йәшәү өсөн көрә­шергә һәләтле кешеләргә хеҙмәт итеүе шарт. Коридор алдында – халыҡ. Яңы смена эшкә килгән. Таң ата. Авторҙарҙың ризалығы менән ҡыҫҡартып баҫыла. Автор: Елена КОСТЮЧЕНКО, Юрий КОЗЫРЕВ. (“Новая газета”нан.) Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Киләһе аҙнала тамашасылар араһында бушлай телевизион приставка һәм спутник ҡоролма комплекты уйнатыла. Бәйгенең шарты ябай. 23 декабрҙән 25-нә тиклем Башҡортостан юлдаш каналы эфирында биш һүҙ яңғыраясаҡ. Тапшырыуҙарҙы иғтибар менән ҡарап барыусылар уларҙан һөйләм төҙөргә тейеш. Бының өсөн беҙҙең каналдың «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары» рәсми төркөмө ярҙамға килә ала. Тап унда эфирҙа иғлан ителәсәк һүҙҙәрҙең теүәл ваҡыты яҙылып бара. Гөлдәр Йәрмөхәмәтова, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының маркетинг һәм яңы медиа хеҙмәте смм белгесе: “Килеп сыҡҡан һөйләмде 27 декабрҙә «Бәйләнештә» селтәрендәге беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр менән ебәрергә кәрәк. Әгәр ҙә дөрөҫ яуап килһә, ул саҡта һеҙгә номер бирелә. Уның менән приздарҙы уйнатыуҙа ҡатнаша алаһығыҙ. Бүләкте 3 ғинуарҙа киске сәғәт 6-ла «Ҡунаҡһарай»ҙа үтәсәк TERRAZIMA фестивалендә алырға мөмкин”. Айбулат Сисанбаев. Bash.News Яңылыҡтар Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында хәбәр ителеүенсә, урамда үҫмер һәм уның тиҫтерҙәре газ менән «шаярған». 14 йәшлек уҡыусы баллондағы газды еҫкәгән, һуңынан уның хәле насарайған. Үтеп барыусылар, балаларҙың дуҫын иҫенә килтерергә маташыуын күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Урынға килеп еткән табиптар уҡыусының үлеме раҫлаған. Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғарыла. Үҫмерҙең үлем сәбәптәрен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Рәсәйҙә 2022 йылдың 1 февраленән беренсе баланы ҡарау өсөн пособиеның минималь күләме 5,8%-ҡа артып, 7 493 һумға етәсәк, максималь күләме 31 282 һум буласаҡ. Баланы ҡарау өсөн пособие күләме артасаҡ Бының турала Иҫәп палатаһының «РФ Социаль страховкалау фондының 2022 йылға һәм планлы 2023-2024 йыл ваҡытына бюджеты тураһында» ҡарарына һылтанма биреп, ТАСС хәбәр итә. Бөгөнгә пособиеның минималь күләме 7 083 һум, максималь — 29 600 һум булып тора. Документта күренеүенсә, йәш ярымға тиклем баланы ҡарауға ай һайын түләнгән пособиеларға сығымдар 169,5 млрд һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие 5,8%-ҡа индексланасаҡ һәм 19 981 һумға етәсәк. Ил буйынса ул 19,8 млрд һум күләменә барып етәсәк. Әлеге ваҡытта был пособие 18 886 һум тәшкил итә. Фото: tuapsevesti.ru Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөгөн Ташкентта Башҡортостандың рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы булды. Ике республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, эшҡыуарҙары осрашып һөйләште, тәжрибә уртаҡлашты, мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мөмкинлеге буйынса фекер алышты. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың эшлекле даирәләре вәкилдәренең бизнес-миссияһы эшен юғары баһаланы. – Бында экспорт йүнәлешендәге 70 компания, шул иҫәптән 14 ҙур предприятие, 56 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, импортлаусы туғыҙ предприятие, биш бизнес ассоциацияһы вәкиле бар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ҙур команда алып килдек, пландарыбыҙ байтаҡ. Үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы Үзбәкстандағы партнерҙарға йылы ҡабул иткән өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле офисын асыуҙы мөһим ваҡиға тип билдәләне. Яңы офисҡа Марсель Әсфәндийәров етәкселек итә. Ташкент хакимы Джахонгир Артыҡходжаев Рәсәй менән Үзбәкстан араһындағы мөнәсәбәттәр үҫешенә юғары баһа бирҙе. – Ике дәүләт ҡалалары һәм төбәктәре араһындағы тура бәйләнеш бизнесмендар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттыра, – тине ул. – Әлеге форум Ташкент менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә яңы этәргес бирер, тип ышанам. Һуңғы дүрт йылда Ташкент һиҙелерлек үҙгәрҙе, беҙ байтаҡ өлкәләрҙә – төҙөлөштә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, туризмда бай тәжрибә тупланыҡ. Уны дуҫтарыбыҙ, партнерҙарыбыҙ менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте тураһында ентекле һөйләне. Сарала Үзбәкстандың сәнәғәт предприятиелары етәкселәре сығыш яһаны. улар химия һәм туҡыу сәнәғәтендә кооперацияның ҡеүәте менән таныштырҙы. Форум аҙағында Башҡортостан менән Ташкент компаниялары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Әйткәндәй, Үзбәкстанға сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре сит ил партнерҙары менән 200 миллион долларлыҡ 19 килешеү төҙөнө. Фото: glavarb.ru/rus/press Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙылар Автор:Лилия Давлетбакова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республикала «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш йәйелдерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республикала «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш йәйелдерелде. «Ошо проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған республика мәктәптәрендә стоматология бүлмәләре асыла, — тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. — Уҡыусылары аҙыраҡ булған мәктәптәрҙе теш табибы поликлиникала ҡабул итә». Дөйөм алғанда, республикала 61 мәктәп стоматология бүлмәһен асыу күҙаллана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостандың 56 мәктәбендә стоматология кабинеттары өсөн бүленгән биналарҙы ремонтлау тамамланған. Стоматология бүлмәләрен йыһазландырыу өсөн ҡорамал әлегә 41 мәктәпкә ҡуйылған. Ҡалған 20 мәктәпкә ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ҡорамал ҡуйыу күҙаллана. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак һүҙҙәренсә, республикала коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмей, һуңғы аҙнала 25 процентҡа аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта һуңғы тәүлектә 1702 осраҡ асыҡланған. Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы сараларҙы ғәмәлдән сығарыу күҙалланмай - Эпидемиологик сараларҙы йомшартыу тураһында һөйләргә иртәрәк. Ковидҡа ҡаршы саралар буйынса ҡарарҙар Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге оператив штабта ҡабул ителә, — тип билдәләне ул. Мэр Сергей Собяниндың указы менән 15 марттан Мәскәүҙә битлек кейеү режимы һәм башҡа ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлә. Автор:Гулькей Куватова Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Хәҙер ауылдарҙағы буш йорттарҙың күплегенә бер кем дә аптырамай. Уларҙың хужалары йәшәмәгәс, йорт тирә-яғын ҡарамағас, бар нәмә иҫкерә, туҙа. Шулай уҡ һыу торбалары ла. Хәҙер ауылдарҙағы буш йорттарҙың күплегенә бер кем дә аптырамай. Уларҙың хужалары йәшәмәгәс, йорт тирә-яғын ҡарамағас, бар нәмә иҫкерә, туҙа. Шулай уҡ һыу торбалары ла. Беҙҙең Яҡуп ауылының Сиражетдинов урамында шундай бер кешеләр йәшәмәгән йортҡа тоташтырылған һыу торбаһы тишелде. Был хаҡта Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа хәбәр итеү менән, ул, оҙаҡҡа һуҙмай, мәсьәләне хәл итергә булды. Үҙе менән бергә Рафиҡ Диҡҡәт улы Сынбулатовты алып килде. Рафиҡ туғандың эшкә ҡулы оҫта икәне бер ҡарауҙан күренеп тора. Ҡорал эшләр, ир маҡтаныр, тип халҡыбыҙ белмәй әйтмәгән: ул сваркаһын да, болгаркаһын да алып килгән. Матур итеп эшләп ҡуйҙы силсәүит ҡушҡан эште. Беҙҙең дә күңелебеҙ булды. Ҡулыңдан һөйөн, уңғанлығың, ярҙамсыллығың өсөн ҙур рәхмәт һиңә, Рафиҡ мырҙа. Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, староста Яҡуп ауылы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Эпосты XX быуат башында яҙыусы Фәйзи Вәлиев яҙып алған һәм был әҫәр беренсе тапҡыр «Аң» журналында («Белем», Ҡаҙан) баҫылып сыға. Эпик әҫәрҙә башҡорттарҙың Ҡаҙан ханлығы хакимдары менән көрәше һүрәтләнә. Эпостың төп персонажы — «яугирҙәр юлбашсыһының» тол ҡатыны Туғыҙаҡ әбейҙең туғыҙынсы улының туғыҙынсы улы". Атаһы улына Ек тигән исемде ҡуша, иҫке төрки теленән «намыҫлы, аҫыл» тип тәржемә ителә. Барымтанан — күрше ҡәбиләне барып талағандан һуң уның бөтә ғаиләһе һәләк була. Ек ғәләмәт көслө һәм ҡыйыу батыр булып үҫә. Яндан мәргән атҡаны өсөн уға Мәргән ҡушаматы тағыла. Бер мәл ул шундай төш күрә: йәнәһе атаһы уның киләсәктә бөйөк кеше булып китеүе тураһында бәйән итә. Оҙаҡламай Ек Мәргән тыуған илен Ҡаҙан ханлығы иҙеүенән ҡотҡарыу өсөн көнбайыш тарафта йәшәгән башҡорттарҙан ғәскәр туплай. Ек Мәргәндең ғәскәре ханлыҡты баҫып ала һәм башҡорт халҡын Ҡаҙан ханына яһаҡ түләүҙән ҡотҡара. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, башында Ҡаҙан ханы торған көслө ғәскәр был ерҙәрҙе ҡайтанан үҙенә ҡайтара. Бер һуғышта Ек Мәргән ирекле рәүештә баш һала. Батырҙы зинданға ябалар. Ә бер нисә йылдан һуң хан алдындағы яҡшы эштәре өсөн Ек Мәргәнде азат итәләр. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына Башҡортостанда «Беренсе Республика» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөлә. Эш 24 майҙа башлана. «Башинформ» агентлығында ошо уңайҙан матбуғат конференцияһы уҙҙы. Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына Башҡортостанда «Беренсе Республика» тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөлә. Эш 24 майҙа башлана. «Башинформ» агентлығында ошо уңайҙан матбуғат конференцияһы уҙҙы. «Башҡортостан» киностудияһында 2018 йылға ике кинойылъяҙма, бер анимация, ике ҡыҫҡа метражлы, ике документаль фильм һәм Башҡорт драма театрының 100 йыллығына тулы метражлы фильм планлаштырылған. Республика хөкүмәте «Беренсе Республика» фильмы өсөн өҫтәмә аҡса бүлде, — тип хәбәр итте фильмдың продюсеры, «Башҡортостан» киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов. — Әлеге мәлдә әҙерлек эштәре бара: павильон әҙерләнә, рәссамдар павильон декорациялары өсөн һыҙымдар һыҙа. Был республиканың 100 йыллығына лайыҡлы бүләк булыр тип уйлайым. Беҙ республиканан тыш, Рәсәйҙә лә яҡшы прокатҡа өмөтләнәбеҙ». «Беренсе Республика» фильмының нигеҙендә — республиканың ысын тарихы, күренекле ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәр, ғалимдар, шағирҙар, яҙыусылар һәм композиторҙарҙың яҙмышы. Фильм 1920-1950 йылдарҙың тарихи осорон үҙ эсенә ала. Ваҡиғалар «Башҡортостан» гәзитенең тәүге баш мөхәррирҙәренең береһе булған, һуңынан репрессияланған Ҡасим Аҙнабаев аша күрһәтелә. Уны актер һәм каскадер, Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ Роберт Йылҡыбаев уйнай. Сценарий авторҙары «Бабич» фильмындағы кеүек үк — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева һәм башҡорт теле уҡытыусыһы, ғилми консультант Гөлсәсәк Саламатова. «Архивта эшләгән ваҡытта күп кенә асыштар яһаныҡ. Башҡорт халҡының «ҡанлы йәкшәмбеһе» хаҡында белдек. 1938 йылдың 10 июлендә 44 кешене атып үлтереүҙәре барыһына ла билдәле. Был дата фильмда һәммәһен дә берләштерә, Сталин репрессиялары темаһына ҡағылмау мөмкин түгел ине», — ти Гөлсәсәк Саламатова. Фильмдың музыкаль биҙәлеше өҫтөндә эш башланған да инде. Композитор Ришат Сәғитов алдында дәүерҙең тын алышын күрһәтеү бурысы тора. «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы директоры һәм фильмдың продюсеры Леонид Филинов әйтеүенсә, дәүләттең ярҙам итеүенә ҡарамаҫтан, фильм авторҙарына теләһә ниндәй, шул иҫәптән финанс ярҙамы мөһим. Ул республикала йәшәүселәргә фильмда төшөрөү өсөн ошо дәүерҙәге әйберҙәр — сумаҙандар, кейем-һалым, көнкүреш предметтары менән ярҙам итеүҙәрен һораны. Яҙыусылар Дауыт Юлтыйҙы — Рафиҡ Хәсәнов, Ғабдулла Амантайҙы — Фәнил Толонғужин, Һәҙиә Дәүләтшинаны — Лилиә Исҡужина, башҡорт милли театрына нигеҙ һалған Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы — Руслан Хайсаров, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовты — Артур Ишмөхәмәтов, актриса Зәйтүнә Бикбулатованы — Рушанна Бабич, милли сәхнә реформаторы Мәкәрим Мәһәҙиевты Артур Ҡунаҡбаев уйнай. «Беренсе Республика» — «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы һәм «Башҡортостан» киностудияһының берлектәге проекты. Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса фильм 2018 йылға планға индерелгән. Дәүләт фильм өсөн 9 миллион һум аҡса бүлгән. Уны Өфөлә, Стәрлетамаҡта, шулай уҡ ауыл ерендә төшөрөү күҙаллана. Фильмдың үҙенең символикаһы ла бар — проекттың партнеры Ирек Мусин «Беренсе Республика» тигән сувенир «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Район ойошторолоуҙың 88 йыллығын билдәләү сиктәрендә район Мәҙәниәт йортонда үткән тантанала ғаилә юбилярҙарын да тәбрикләнеләр. Райондың Рәхимҡол, Көндәшле, Иҫке Янбай, Түбән Һикеяҙ, Юғары Ҡарыш, Иҫке Балтас ауылдарынан килгән 60 һәм 50 йыл тигеҙ ғүмер кисергән бәхетле парҙар — Әминә һәм Нәғим Әхмәтовтар, Хәниә һәм Әхмәтзыя Әхмәтдиновтар, Фәндиә һәм Мәғдән Әхәтовтар, Әлфирә һәм Фидәрит Фәзалғаяновтар, Мөкәрәмә һәм Мәүләүи Ғилметдиновтар, Флүзә һәм Рәфис Кашановтар, Фәниә һәм Әхнәф Шәймөхәмәтовтар, Тәнзилә һәм Рәдиф Дәүләтбаевтарға район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, йылы теләктәрен еткерҙе. https://baltach.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Гөлфиә ап-асыҡ итеп үҙенә төбәп өндәшкән һүҙҙәрҙән тертләп уянып китте. Ҡыҙыл эңерҙә күҙенә эленгән йоҡоһо шулай һаташтырып ҡуйҙы. Хәйер, һаташырһың да! Инде күпме ваҡыт койкала хәрәкәтһеҙ ята ул. Ап-аҡ түшәм-стеналы палатаның дүрт мөйөшөнән башҡа, асыҡ күк йөҙөн, бер-ике генә ағас ботағы осон күрерлек шәрә тәҙрәнән башҡа бер ни ҙә юҡ. Төштәге тауыш ысын булып, бына-бына ире бүлмәгә килеп инер кеүек. Берсә ишек яҡтауына яурынын терәп, берсә яланғас тәҙрә тышынан бөҙрә сәстәрен елберләтеп, йылмайып ҡарап торор, тип көттө. Тик Сәлимде башҡа бер ҡасан да күрмәҫенә ышана алмай ҡатын. Ауыр юл фажиғәһенән һуң аҙна тирәһе иҫһеҙ ятҡас, тән яраларынан да көслө һыҙландырып, ни тиклем хаталаныуын аңланы, яҙа юлдан барыуы бер ғәйеп­һеҙ ирен үлемгә килтереүенә көндән-көн тәрәнерәк һыҡранды. Сәлимдең йәнһеҙ тәнен ҡәбергә һалғанды үҙ күҙҙәре менән күреп хушлашһа, бәлки, былай һаташып көтмәҫ тә ине. Иренең намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапап, хыянатҡа ашыҡҡанда, ошолайтып ятырмын, балаларым етем ҡалыр, тип һис тә уйламағайны бит. Ер емереп эшләп йөрөгән аталарын да, иркәләп туя алмаҫтай әсәләрен дә бер кистә юғалтҡан улдары һыуынып ҡына бөттө инде. Әле кескәйҙәр ярай, ә үҫә төшкәс: "Атай ҡайҙа?" – тиһәләр, нимә тип аңлатыр? Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, берәйһе мотлаҡ һүҙ еткерер... Гөлфиә ауыр гергә аҫып ҡуйылған аяҡтарын ҡасан да булһа ергә терәп атлап китер көндө көтөп, үҙен төрлө һорау менән кимереп, хатта төн менән көндө лә бутап ҡуя. Йәйге ҡыҙыу эш мәлендә, ошо тынсыу бүлмә эсендә үлем менән яғалашып, инде миңрәүләнеп, кеше көнлө булып ятыуына үҙе ғәйепле икәнен аңлай. Фажиғәлә Сәлим түгел, Гөлфиә үҙе үлһә, дөрөҫөрәк булыр ине, тип тә ҡуя. Ә еңел генә үлемгә хаҡлымы һуң ул? Ҡылған эшенең бар әсеһен йөрәгенән үткәреп, күрер көндәре алда булған икән әле. Оҙаҡ ятыуҙан ойоп һыҙлаған янбашы, арҡа буйҙары иҫ юйып, мамыҡ тултырылған тоҡсай шикелле тойола башланы. Ҡыйғас ҡаштарҙың береһе урталай емерелеп, яйһыҙ тоташтырылыуҙан һынған ҡанат һынындай, төпкә батҡан ҡара күҙҙәрҙе һаҡлап ҡатҡан. Йылмайыуҙан соҡорланып торған бит алмаһын да, эҙ ҡалдырып, ниҙер умырып үткән. Үҙ-үҙенән ҡурҡып, көҙгөгә ҡарауҙан ҡасһа ла, ҡулдары менән ҡапшап ҡына ла төҫмөрләй йөҙөн Гөлфиә. Исмаһам, билен тотоп ултырып, бынау тәҙрә аша булһа ла урамға ҡарау хаҡында хыяллана башланы. Тымыҡ көндә һалынып, елдә елберләп, ә төндәрен ҡала фонары яҡтыһында серле тойолған тирәк япрағын үҙенә иптәш кеүек күрҙе Гөлфиә. Онотҡанда бер килеп киткән туғандары менән дә аралары һалҡынайған кеүек. Шулай булмай ни: күпме хәсрәт, мәшәҡәт, ә иң ауыры, оят яҡты улар йөҙөнә. Бер-бер артлы ғына тапҡан улдары ла игеҙәктәй үҫеп килә ине, йөҙҙәрен төҫмөрләп, йылмайтып күҙ алдына баҫтырып ҡараһа ла, гел генә киреһе – илап ярһыған саҡтары иҫенә төшөп тик тора. Нишләй икән бәләкәстәре? Моғайын, йоҙаҡҡа бикле өй тирәһен көнөнә бер булһа ла ҡайтып урап, өмөтләнеп кенә өләсәләренә кире китәләрҙер... Тәҙрә төптәрендәге гөлдәрен таратып алмаһалар, һыуһыҙ ҡороп ҡына шиңделәр инде. Апаһы бүләк иткән үрмәгөл ни хәлдә икән? Бер ботағы кейәү, икенсеһе һин– бер-берегеҙҙән айырылмай үрелешеп үҫегеҙ, тип кинәйәләп биргәйне бит әле өйҙәренә күскәндә. Бәхет гөлө тип тә йөрөтәләр уны халыҡта. Ике оя тауыҡ баҫырға ултырғайны, себештәре сығып, инде күрше-күләнгә таралып та бөткәндер инде. Һәр көн иртә-кис һауған Миләше, быҙауын ҡушып иреккә сығарып ебәргәнгә хушһынып, ҡырағайланып та бөткәндер. Күрше-күлән, туған-тыумаса, дуҫ-дошманы тел осонан төшөрмәй, үҙен көн һайын төрләндереп һөйләп, ялҡып та бөттөләрме икән? Ваҡыт төнгә тәгәрәһә лә, Гөлфиәнең күҙҙәренә тамсы ла йоҡо эленмәне. ...Етенсе кластан алып бер-береһе өсөн йән атҡан Гөлфиә менән Сәлимдең гөрләтеп йәшәп китеүенә ауылдаштары һоҡланып туя алманы. Күҙ ҙә ҡаш һылыу Гөлфиәгә пар Сәлим гүйә силәгенә күрә ҡапҡас ҡына шул. Эшләһә, һәр икеһенең эше, хөкүмәт биргән өр-яңы өйҙәре бар. Бәхетле парға бәхет өҫтәп, бер-бер артлы ике улдары тыуып ҡыуандырҙы. Атай булған Сәлим тағы ла ҡанатланып, башкөллө эшкә сумды. Төнләтеп ҡайтып, Гөлфиәне уятмай ғына ашап, иртән тағы ла йыйынып урман юлында булырға ғәҙәтләнде. Ҡәҙерлеһенең бар теләгәнен алдына һалырға теләп, эш хаҡынан ҡиммәтле тун, затлы йөҙөккә лә өлөш сығарҙы, заманса мебель менән өйҙө шыплап тултырып, тағылмалы матайҙы ишек алдына ултыртҡас та, тағы ла олораҡ хыялдар менән янып, эшкә атлыҡты ғаилә башлығы. Көндәр буйы балалары менән генә булған Гөлфиә, өй тирәһендәге эш-көштө бөтөрөп, телевизорға төбәлеүгә ғәҙәтләнде. Сериал артынан сериал, мөхәббәтле йәрҙәр­ҙең осрашыу күренештәре, моңло сихри көй... Гөлфиә күңеленә ингән уйҙарҙан ғына ла ләззәтләнеп, үҙен һыуға сарсаған гөлдәй тойҙо. Ҡаш һикертеп, күҙ ҡыҫып, күптән магазин тирәһенә сыҡҡанын һағалап ҡына торған Рәүилгә, тыйыла алмай, яуап йылмайыуы бүләк итте. Шуны ғына көткән ир йораты тиҙҙән үҙ теләген тормошҡа ашырҙы. Тыйылған емеш татлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән, был икәү йәшертен осрашыуҙарҙы һағынып тилмер­ҙе. Эштән һуңлап ҡайтҡан Сәлимдең ғәҙәтенән кинәнгән икәү шашып, хатта көндөҙ ҙә аулаҡҡа ашҡынды. Матайға атланып, күл буйына сапҡан икәүҙе был юлы Сәлим үҙ күҙҙәре менән оҙатып ҡалды. Кеше хәбәрен ишетһә лә, ышанмаған ир эш кейемен тупһаға быраҡтыр­ҙы ла, матайына үрелде. Әле буяу еҫе лә китмәгән "Планета", хужаһының ҡаты баҫыуына ҡабаланып, ер емерерҙәй үкереп алға атлыҡты. Күл ситендә ҡосаҡлашып, ниндәйҙер әкәмәт табып ихахайлап, бер-береһенә ҡарап көлөшөүҙәрен күреп, һарыуы ҡайнаны. Йәнен бирергә әҙер Гөлфиәһенә ҡул күтәреү түгел, ауыр һүҙ ҙә әйтергә ҡыймаған Сәлим, тамаҡ ҡырып ҡына ҡосаҡты айырҙы. "Нишләүең был, Гөлфиә?! Әйҙә, ҡайттыҡ!" Ҡаш аҫтынан бөркөлгән уҫал ҡараш Рәүилгә ҡасан да булһа осрашып аңлашыуҙы ишараланы. Бар зәһәрен юлға төшөргәндәй, елдән дә етеҙ барырға теләгән Сәлимде һәм уның артына сытырайып күҙен йомоп йәбешкән Гөлфиәне артмаҡлаған матай, үҙ юлын ҡаршы һыҙатҡа бороп, ҡаршы килгән машина менән йөҙмә-йөҙ төкөштө. Бер нисә секунд... Машина эсенә башы менән йәнселгән Сәлим һәм кабина аша ҡаҡ асфальтҡа осҡан Гөлфиә... * * * Күҙен асҡанда янындағы аҡ халатлылар­ҙы күреп, хәлдең айышына төшөнә алмай аҙапланды Гөлфиә. Укол артынан укол, система ҡаҙауҙары, һыҙлауҙарҙы баҫыр төймәләр... Илаулап шешенеп аяғы осонда ултырған әсәһен йыуатыр һүҙ ҙә, ҡосағына алыр әмәл дә тапмай түшәктә тик ятты. Күҙҙәренән тамсы йәш тә сыҡмай, ә түшендә көс еткеһеҙ таш ятҡандай тойҙо ул үҙен. Һыуһауҙан кипкән ауыҙын сылатыр өсөн дә, аҫтына ярау һауыты ҡуйыр өсөн дә ярҙам кәрәк. Бер йотом һыуға зар булып тилмер инде! Кемдер һындырманы, үҙен-үҙе яҙыҡ юлға ташлап, иренең ғүмерен ҡыйҙы. Үҙ уйҙары менән үҙен яфалап ятҡанында, палатаға ауылдашы Әминә инергә рөхсәт һораны. Әхирәт тә түгелдәр, хатта аралашҡандары ла булманы шикелле, нишләп килде икән? Шулай ҙа ризалыҡ белдереп, баш ҡаҡты. Бала саҡтан ҡул суҡтары зәғиф Әминә йөҙгә лә һылыу түгел. Йылмайып ҡараған тиҫтеренән ялтанып, стена яғына боролоп ҡуйҙы. Зәғифләнеп ятыуына ҡыуанып, мин генә түгел, һин дә хәҙер минең ише, тип әйтә кеүек күренде. Тик Әминә ундай уйҙа түгел. – Гөлфиә, беләм, хәлең ауыр, тик һин бирешмә, йәме? Мин дә элек оҙаҡ ҡына больницала ята торғайным, ваҡыт үткәреүе бында ҡыйын, һинең осраҡта һыҙланып, етмәһә, тора ла алмауың бигерәк ауырҙыр. Мин ваҡытты китап уҡып үткәрә инем, ҡулдар эшкинмәгәс, яҙа ла, бәйләй ҙә алманым, үҙең беләһең... Бына, матур ғына китап алып килдем, бәлки уҡырһың? Балнис тамағы ла ялҡытып китә, үҙем бешергән бәлеш әпкилдем, сәй эсерһең, Гөлфиә... Ҡатындың күҙ алдына мәктәп йылдарынан бер күренеш килеп баҫты. Хеҙмәт дәресендә ҡамыр төрҙәрен өйрәнеп, кухняла ҡамыр әүәләйҙәр.Әминәнең дәрестә юҡлығынан файҙаланып, Гөлфиә, зәғиф ҡулдар нисек икмәк баҫҡанын ҡыланып күрһәтә-күрһәтә класташ ҡыҙҙарҙың һынын ҡатыр­ғансы көлдөргәйне. Ә ул был мәлдә дауаханала ята ине. – Гөлфиә, борсолма, малайҙарың ауырымай, өләсәләрендә алмаш-тилмәш ҡуна ҡалып уйнайҙар, ти. Малыңды Фәхри күршең, үҙем ҡарайым, тип әйткән. Гөлдәреңде киленең үҙенә алған, ҡайһыларын таратҡылаған, бигерәк күп бит!... Әминә бар уйҙарын уҡығандай, тыныс ҡына хәбәрен һөйләп, хәленә еңеллек үргәндәй итте. Йомшаҡ ҡына баҫып ишеккә йүнәлгәс, оҙағыраҡ янында ҡалдырғыһы килде. Ҡырҡыу еҫле дауахана палатаһы эсендә Әминә күстәнәсенең еҫе танауын ҡытыҡланы... Йәйҙә ҡазаланған Гөлфиә сабыр ғына көҙҙө лә еткерҙе. Яралары йөй ҡалдырып уңалды, тик күңел ғазаптары көндән-көн арта барҙы. Бер аҙ ултыра ла башланы. Әминә ҡалдырған китапты ҡат-ҡат уҡып сыҡты. "Ғүмер бер генә"– китаптың исеменән үк яратып, Әминәгә рәхмәттәр яуҙырҙы. Көнө менән көнө оҡшаш, айына айы иш булған­ға, Гөлфиә көҙ етеүен япраҡ иптәшенең һарғайыуынан ғына һиҙемләне. Быҫҡаҡ ямғырҙар яуғанда күҙҙәренән ҡайнар йәш түкте. Быуындары йомшарып, ер ҡатыһын онотҡан аяҡтарын иҙәнгә терәп, көн дә гимнастика яһап арыны, инвалид терәүҙәрендә тәүге һуҡмаҡтарға әҙерләнде. Гөлфиәне тағы ла ҡыуандырып, туғандары осрашыуға улдарын алып килде. Тағы ла берәү килеп хәлен белер, тигән өмөтө аҡланманы: Рәүилдең Гөлфиәлә эше лә, уйы ла булманы. Һалҡын ноябрь аҙаҡтарында дауахана тупһаһын коляскала булһа ла аша атларға насип көн етте. Һалҡын ел ағас­тарҙы байтаҡ яланғасландырған. Тик иң бейектәге япраҡтар ғына бирешмәй, ана өҙөләм, бына өҙөләм, тигәндәй елберләй. Биш ай буйына аунаған палата ишеген ҡаты ябып, Гөлфиә ишеккә йүнәлде. Ҡырҡыу һалҡын һауа, йәйҙән бирле саф һауа күрмәгән ҡатындың танау, тамаҡ юлдарын ҡурыштырҙы. Һаран ямғырҙарҙан һуң шаҡырайтып туңдырған һыуыҡ ҡарһыҙ ер өҫтөн ҡул яҫылығы һыймалы ярыҡтар яһап һырлаған. "Ер тишеге... Ғәрлегемдән ер тишегенә инерҙәй булдым тигән һүҙ бар. Ошо ер еге хаҡындамы икән? Мине йотор ер сикәнеп сигендеме әллә?"– Гөлфиә һаман үҙ ғәйебенә яза эҙләне. Көҙҙөң ҡаты һыуығына бирешмәй, ағастың иң түрендә бер бисараға иптәш булған япраҡ остоғо, буш палатаға текләүҙән фәтүә тапмай, тилмереп ҡараған Гөлфиәгә зар булып аҫҡа осто. Аяҡтарын урап ултырған одеял өҫтөнә килеп төшкән ҙур ғына ҡоро япраҡты ул таныманы: һалҡын ғына алып асфальтҡа һелтәне. Ә Гөлфиәнең бәхет гөлө сит ҡулдарҙа ирәйеп китә алманы. Мөхите уңайлы булһа ла, нишләптер пары кибеп ҡороғас, яңғыҙ һабағы үрмәләр үр табалмай, япраҡһыҙ ғына ғүмер һуҙҙы. Шөҡәтһеҙ генә урын биләп ултырған гөлгә бер көн килеп хужабикә үҙ хөкөмөн сығарҙы – ҡайсы менән төптән шартлатып ҡырҡып та ҡуйҙы. Фото: pixabay.com http://www.ye02.ru/litra/14755-jaza-hikj.html Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә оҙаҡ йылдар дауамында балаларға белем биргән педагогтар хаҡлы ялға оҙатылды. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә оҙаҡ йылдар дауамында балаларға белем биргән педагогтар хаҡлы ялға оҙатылды. Ғүмерҙәрен изге һөнәр менән бәйләгән уҡытыусыларға ҡәҙер - хөрмәт күрһәтелде, ихлас рәхмәт һүҙҙәре әйтелде Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Бәләбәй «Автонормаль» заводы «ФОЛЬКСВАГЕН.. Груп Рус» компанияһын беркетеү деталдәре менән тәьмин итәсәк. Ошо турала дүрт йылға килешеү төҙөлдө Предприятие Volkswagen һәм Škoda еңел автомобилдёре өсөн йыл һайын туғыҙ миллион берәмектән ашыу беркетеү детале сығарасаҡ. Әле был деталдәр «ФОЛЬКСВАГЕН Груп Рус»тың Калугалағы заводында һәм Түбәнге Новгородтағы подразделениеһында ҡулланыла. Килешеүгә ярашлы, предприятие продукцияның яңы 20 төрөн үҙләштергән. Улар ныҡлыҡҡа һынауҙы уңышлы үткән. – «Автонормаль» заводының Рәсәйҙә «ФОЛЬКСВАГЕН Груп Рус» өсөн беркетеү деталдәре сығарған тәүге предприятие булыуы – етештереүсе өсөн дә, Рәсәйҙәге тотош автокомпонентар тармағы өсөн дә ҙур ҡаҙаныш. Volkswagen һәм Škoda маркалары стандарттары юғары, һәм Рәсәй компоненттарын файҙаланыуҙы локальләштерүе кимәлен артабан да арттырыуҙы аңлата, – тип белдерә Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Александр Морозов. belizv-b.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡытай медицинаһында ҡәнәфер киң ҡулланыла. Был хуш еҫле тәмләткес күп кенә сирҙәрҙән дауа булып тора. Уның составында А, В, С, Е витаминдары, Омега-3, эфир майҙары һәм башҡа минералдар бар. Көн дә кипкән ҡәнәферҙе сәйнәү хроник ангинанан ҡотолорға ярҙам итә, тиҙәр. Шулай уҡ организмды паразиттарҙан таҙарта, бының өсөн ашауҙан 30 минут алда көнөнә ике тапҡыр ҡәнәфер сәйнәргә кәңәш ителә. Һеҙҙе стоматит, пародонтоз, теш ҡаҙнаһы ҡанап йонсотһа, әлеге тәмләткесте ҡулланығыҙ. Ул ауыҙҙағы алама еҫтән дә азат итер. Аҙыҡ эшкәртеү процесын яйға һалырға ла булышлыҡ итә, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бының өсөн ҡәнәферҙең 2 бөрөһөнә 1 сәй ҡалағы бал өҫтәгеҙ ҙә, ашауҙан 15 минут алда сәйнәгеҙ. Иҫкәртәбеҙ: юғары ҡан баҫымы йөҙәтһә, ашҡаҙанда сей яра булһа, был алым тыйыла. Ҡәнәфер составында эвгенол бар. Ул иһә яман шеш ауырыуына ҡаршы тороу көсөнә эйә. Шуға ла профилактика өсөн был тәмләткесте ҡулланыу файҙалы булыр. Ҡан баҫымы түбән булһа, бәләкәй генә ике кипкән бөрө лә ярҙамға килер. Баш ауыртыуын баҫыр, арығанлыҡ бөтөр, тынысланырһығыҙ, йоҡоғоҙ ҙа яйға һалыныр. Кәңәш: ҡәнәфер сифатлы булһа ғына файҙаһын тойорһоғоҙ. Ә уны тикшереп ҡарарға мөмкин. Ҡәнәферҙе көс менән һыуға ырғытығыҙ. Кипкән үлән батырға, йә вертикаль йөҙөргә тейеш. Ул горизанталь йөҙһә, тимәк, уның шифаһы булмаясаҡ.
Һуңғы йылда Рәсәйҙә эске туризм тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Һуңғы йылда Рәсәйҙә эске туризм тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ил Хөкәмәте йәнә туризмды үҫтереүгә 1,2 миллиард һум аҡса бүлде. “Иҡтисад үҫеш һәм инновацион иҡтисад” дәүләт программаһына ярашлы биреләсәк сара өҫтәп тағыла 400 йәмәғәт һәм эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплауға булышлыҡ итәсәк. Быға тиклем июль айында граждандарҙың Рәсәй эсендәге туристик сығымдарын өлөшләтә ҡаплауға 15 миллиард һум аҡса бүленгәйне. Был программа 21 августа старт алды. Уның буйынса туристар йыл аҙағына тиклем сығымдарының 5тән 15 мең һумға тиклем өлөшөн ҡаплай ала. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Башҡорт теленә арналған видеоролик төшөрөп, “Apple iPhone 11” телефоны от! Еңеүселәрҙе башҡа ҡиммәтле бүләктәр ҙә көтә! Эштәрҙе 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға мөмкин. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм Мәҙәниәт министрлығы “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” тип аталған социаль видеороликтар конкурсы иғлан итә. Был яңы конкурстың төп маҡсаты булып социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен өйрәнеүҙе һәм үҫтереүҙе, тел мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү тора. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Видеороликтар 15–60 секундлыҡ, AVCHD, AVI, MOV, MPEG-2, MPEG-4 форматында горизонталь рәүештә төшөрөлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ярашлылыҡ яҡтары 16:9 өсөн рөхсәт ителгән иң түбән күләм 1280 х 720, 4:3 яҡлы өсөн – 640 х 480. Текстар һәм тауыш оҙатыуы башҡорт телендә булырға, әгәр русса булһа, башҡорт телендәге субтитрҙар менән оҙатылырға тейеш. Роликтың башында йәки аҙағында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының логотибын ҡулланыу мотлаҡ. Социаль видеороликтарҙың авторҙары авторлыҡ тураһында мәғлүмәтте титрҙар менән күрһәтә. Реклама материалдары ҡулланыу тыйыла. Эштәрҙе 2020 йылдың 10 декабренә тиклем тапшырырға кәрәк. Социаль видеороликтарҙың өлгөләре менән танышыу өсөн һылтанма: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8 Ҡатнашыусылар: [email protected]электрон почта адресына ғариза һәм конкурс эшен күсереп алыу өсөн һылтанма ебәрергә тейеш (һылтанманың 2020 йылдың 15 декабренә тиклем күсереп алыу өсөн асыҡ булыуы шарт); Хаттың темаһын “Конкурсҡа эш (“Работа на конкурс”) тип күрһәтергә һәм үҙ фамилияңды яҙырға, мәҫәлән: Конкурсҡа эш, Мәжитов С. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды конкурс эшен социаль селтәргә ҡуйғандан һуң ғына видеоматериалды үҙеңдең “Бәйләнештә” йәки “Инстаграм” селтәрендәге сәхифәңә ҡуйырға рөхсәт ителә. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә! Беренсе урын өсөн – Apple iPhone 11, икенсе урынға – ноутбук, өсөнсөгә – планшет. Бынан тыш тамашасылар һөйөүе призы – смартфон өсөн стабилизатор ҡаралған, ул социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк. Әйҙәгеҙ, башҡорт теленә яңыса ҡарашығыҙҙы сағылдырған видеояҙмалар эшләп, конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ! Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
От Смотрителя: Мне кажется символичным, что на конкурсе башкирских докладов, проводившемся в уфимской гимназии № 39 с углублённым изучением языков, первый приз взял русский юноша. Может быть, жюри умилил именно этот факт! Что Рома Филиппов свободно и литературно-складно докладывает на языке родной республики. Это Башкортостан, собратья, дружба народов в действии! Эссәләмә ғәләйкүм! Минең исемем Роман. Мин Салауат саҡыртам. Мин Салауат менән һөйләшкем килә… Тағы бер мөһим мәсьәләгә туҡталғым килә. Башҡортостан, Рәсәй составындағы дәүләт булараҡ, үҙенең дәүләтселек атрибутикаһына эйә – флагы, гербы һәм гимны бар. Тик дәүләт гимнының тексында ниңәлер Салауаттың исеме юҡ. Уға бағышлап бөгөн дә халыҡ шиғырҙар, йырҙар, ҡобайырҙар ижад итә, ул, шишмә булып, тынмай аға ла аға. Батыр исеменең гимн тексында булмауы дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым. Салауат Юлаевтың тормошо һәм яҙмышы хаҡындағы документтарҙың һәм шиғри әҫәрҙәренең бик аҙ өлөшө генә һаҡланған. Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр урыҫ телендә Ф. Д. Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очергында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға. Салауат 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Тикшереү ваҡытында Салауат үҙен Өфө өйәҙенең Тәкә ауылында тыуған, ә Юлай ауылында йәшәгән тип күрһәтә. Тарихсылар билдәләүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды ябай общинниктар иҫәбенә мал йыйған бай старшиналарға индереп булмай. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән. Салауат Юлаев 1773–1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы башланғандан алып баш күтәргән бөтә Башҡортостан башында тора. Уны батша властары 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға ала, ә атаһы Юлай Аҙналинды унан да алда әсиргә алған булалар. Бығау һалып, улар Мәскәүгә оҙатыла. Юлай Аҙналин бик һәләтле, бай, аҡыллы һәм абруйлы кеше була. Башҡорттар уны бик ихтирам итә һәм улус старшинаһы итеп һайлай. Урындағы властар ҙа старшинаға ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарай. әүәм иге булһа был бәктәр үҙҙәре, бары бүйне байый ҙа бына баҙлыҡ етеш ителә. 1768 йылда Ырымбур губернаторы кенәз Путятин үҙе Юлайҙы башҡорт командаһы старшинаһы итеп тәғәйенләй. Ләкин тиҙҙән сауҙагәр Твердышев Юлай Аҙналин биләмәһендәге ерҙәрҙе Сим заводына тартып ала. Башҡорт ерҙәре бөлгөнлөккә төшә, шуға күрә лә Юлай Аҙналин менән уның ун туғыҙ йәшлек улы Салауат Емельян Пугачев етәкселегендәге хәрәкәткә ҡушыла. Салауатты тотҡандан һуң ун ай үткәс, 1775 йылдың сентябрендә, атаһы менән бергә язаға тарттырыла. Бөтә халыҡ алдында икеһен дә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Бер айҙан һуң танау япраҡтарын өҙөп алалар, маңлайҙарына һәм йөҙҙәренә келәймә баҫтыралар. 1775 йылдың 2 октябрендә ҡул-аяҡтары бығауланған Салауат менән Юлай һаҡ аҫтында Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) мәңгелек каторгаға оҙатыла. Балтика порты Рогервикка Петр I тарафынан нигеҙ һалына. Әммә башҡорт ихтилалында ҡатнашыусыларҙы Рогервикка килтергәндә ҡәлғә ташландыҡ хәлдә була. Унда ҙур булмаған бер гарнизон һәм аҙ ғына әсирҙәр ҡалған була. Салауат менән Юлай бында үҙ көрәштәштәрен: Пугачев полковнигы И. С. Аристовты, полковник Ҡәнзәфәр Усаевты һәм башҡаларҙы осрата. Салауат Юлаев менән атаһы ҡалған ғүмерен ошонда үткәрә. Тәхеткә Павел Беренсе күтәрелгәс, ҡәлғә коменданты Лангель ҡалған пугачевсыларҙы Таганрогка йәки Иркутскиға буҫтау фабрикаһына күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Әммә Сенат, уларҙың ҡасыуынан ҡурҡып, рөхсәт бирмәй. 1775 йылдың 17 мартында императрица Екатерина II-нең махсус манифесы индерелә. Уға ярашлы, Пугачев бунтында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғүмерлек һөргөнгә ебәрелергә, ә исемдәре мәңгегә онотолорға, телгә алынмаҫҡа тейеш була. Ошо манифест буйынса властар урындарҙа баш күтәреүселәрҙең исемдәрен телгә алыусыларҙы аяуһыҙ эҙәрлекләй. Салауат һөргөндә 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була. Салауатты бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә алалар. Башҡортостанда район, ҡала, урамдар, мәҙәни-ағартыу учреждениелары уның исеме менән аталған. Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы һәм Әлкә ауылында музейҙың бүлеге асылған. 1967 йылда уҡ әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы ижад эше өсөн Салауат Юлаев исемендәге БАССР премияһы (1992 йылдан – Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы) булдырылды. Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була, шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Әммә халыҡ хәтерендә ул йәш, 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ титан булып һаҡлана.
Һин нисек пьеса яҙаһың ул, тип һорайҙар минән йыш ҡына. Тәүҙәрәк аптырап ҡала инем, хәҙер ҡалыплашҡан яуабын таптым. Бер нимә лә уйлап тормайым, тормоштан алам, тип яуап бирәм. Бөтәбеҙ ҙә шул бер сәхнәнең, йәғни тормоштоң уйнаусылары бит. Пьесаны яҙғас, кеше тәгәрәп көлөрлөк, илап йығылырлыҡ итеп ҡорорға кәрәк. Ҡороу минең һүҙ түгел. 90-сы йылдарҙа Назар Нәжмиҙең “Ағиҙел”дә мәҡәләһе сыҡты. Татарстандан Аяз Ғиләжев яҙған: “Назар, мин пьесаны яҙалар икән, тип уйлағайным, яҙмайҙар, уны ҡоралар икән”. Ҡороу һүҙен Нәжип ағай Асанбаев оҡшатманы. “Ҡорорға түгел, йөрәгең аша ҡанһыратып үткәрергә кәрәк”, – тине. Нәжип ағай ҙа дөрөҫ әйтә. Тимәк, йөрәгең аша ҡанһыратып ҡойорға кәрәк. Тормош – үҙе бер театр, тинек. Бына өр-яңы миҫал: көньяҡтағы ҡалаларыбыҙҙың береһендә тәфтиш комитеты ике ҡатындың икенсе ҡатынды һәм уның алты айлыҡ балаһын үлтереүҙе ойоштороуҙа ғәйепләй. Әгәр яҙыр булһам, был тормош драмаһының сюжеты яҡынса былайыраҡ ҡоролор ине: сәхнә асылғанға тиклем ҡатын һәм уның сабыйы хәбәрһеҙ юғала. Бөтәһе лә эҙләй, таба алмайҙар, зым-зыя юғалғандар. Кемдән күрергә, кемде ултыртырға белмәйҙәр. Ҡатындың тәүге ирен профилактика өсөн ҡулға алып, ботонан аҫып ҡуйыу ҙа файҙа бирмәй. Ир элекке ҡатынын һис икеләнмәй үлтерер ине, сөнки был ҡатындан зыян күп күргән, етмәһә, элекке бисәһе мөлкәтен тартып алған, ташлап киткән, бәхетһеҙ иткән, кеше араһында хурлап һөйләгән, еңел холоҡло булған һ.б. Артабан сюжет ҡатмарлаша, бер нисә ваҡ-төйәк деталь аша юғалған ҡатындың дошмандары күп икәнлеге асыҡлана. Хатта был ҡатынды юҡ итеп, кемдер донъяны ҡотҡарып ҡалған һымаҡ. Бер-ике кешене, мин үлтерҙем, тип ғәйебен таныуҙы ла күрһәтергә мөмкин. Хәлдәр ҡуйыра бара, бер ни ҙә аңлашылмай, тамашасы кем файҙаһына иларға ла белмәй йонсой. Залды ташлап сығып ҡына китер ине, түләгән аҡсаһы йәл. Хәҙер билет ҡиммәт бит. Ана, “Зөләйхә күҙҙәрен аса” ла меңәр һум, ти. Ужас! Шул ваҡыт баланың атаһы кем икәнлеге асыҡлана. Уныһы себен дә рәнйетмәҫ, тәүфиҡлы, инсафлы инсан, өҫтәүенә, депутат һәм башлыҡ урынбаҫарлығына кандидат. Үҙе килеп бандитҡа оҡшап тора, тот та, ат, йә аҫып ҡуй инде! Тик закон ғына тотоп тора. Ҡулға алғас та, ҡәбәхәт, әҙәм аҡтығы, вис кенә һөйләп бирә. Ҡатын менән сабыйҙы аҫып та ҡараған, һыуға ла батырған, ағыу ҙа эсергән һ.б. Ҡыҫҡаһы, был пьесаны ҡарағандан һуң һеҙҙең илау түгел, йәшәүгә ышанысығыҙ ҡалмаясаҡ. Бына шулай ҡорола пьеса, Аяз ағай ҙа, Нәжип ағай ҙа дөрөҫ әйткән. Әгәр был юлдарҙы уҡыйһығыҙ икән, тимәк, һеҙ әле ялҡмағанһығыҙ. Шуға күрә дауам итәм. Алғы планға депутат ирҙең (урынбаҫарлыҡҡа кандидат) законлы ҡатыны сыға. Ул үҙе бер фәрештә икән, килеп бай, миһырбанлы, тик балалары юҡ. Бөтә бәлә шунда, үҙенең апаһы аша үлтереүҙе (үәт, йүнһеҙ!) ошо балаһыҙ ҡатын ойошторған икән. Апаһына миллион тәңкә аҡса биргән, уныһы бер бандитты яллаған, аҡсаны аҙыраҡ биргән. 100 мең генә, шикелле. Бандит тигәнебеҙ әллә шуға үпкәләгән, әллә үҙе бер миһырбанлы бәндә булған, ҡыҫҡаһы, полицияға йүгереп барған һәм түкмәй-сәсмәй һөйләп биргән. Хәҙер тотоналар теге ҡатынды һелкетергә! Ғәйебен танып ҡына ҡалмай, иренә төртөп күрһәтә. Йәнәһе, теге юғалған балалы бисә уның урынбаҫарлығына аяҡ салырға самалаған. Уныһы төшөмлө урынды юғалтыуҙан ҡурҡып, законлы ҡатынын һөйәркәһен үлтереүҙе ойоштороуын һораған. Бына шундай Һантый Барбара. Бына шундай театр. Төрөктәр әйтмешләй, төшөндөрә белдемме икән? Улар бер ваҡытта ла: “Төшөндөңмө?!” – тип һорамайҙар. Әҙәпле генә итеп: “Төшөндөрә белдемме?” – тип һорайҙар.
75 мең һумлыҡ премия республикала 1 мең 200 ветеранға тапшырыласаҡ. Уларҙың 880-не – һуғышта ҡатнашыусылар, 320-нән ашыуы – ошо дәһшәтле йылдарҙа төрлө йәрәхәт алып, мөмкинлектәре сикләнеүселәр. Һуғыш осоронда тылда хеҙмәт итеүселә ситтә ҡалмаясаҡ, уларға 50-шәр мең һум аҡса түләнәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында Яндекс.Такси Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, шулай уҡ Ленинград блокадаһында ҡалғандарҙы һәм концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондарын бушлай йөрөтә башланы. «Дөйөм алғанда, бөтәһе 1345 кеше. Уларҙың 841-е һуғышта ҡатнашҡан, 300 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 102 блокадалы Ленинградта йәшәүсе һәм 102 концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡоно. Һәр береһе айына дүрт тапҡыр Яндекс.Такси хеҙмәттәре менән бушлай файҙалана ала. Бер юл йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш. Йәнә ҡабатлайым: был бушлай һәм тотош республикала», — тип һөйләне вице-премьер Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына. Уның һүҙҙәренсә, таксиҙа йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәрәк. Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә бының өсөн махсус телефон номеры бүленә; 8-800-775-00-14 (шылтыратыу бушлай). Ветерандарға был телефон номеры буйынса эш көндәре сәғәт 8-ҙән 20-гә тиклем шылтыратып әйтеү генә талап ителә. Оператор был мәғлүмәтте Яндекс.таксиға тапшыра. Реклама хоҡуғында Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
ӨФӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ 221-СЕ БАШҠОРТ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНЫҢ УРТАНСЫДАР ТӨРКӨМӨ. Тәрбиәсеһе Илиза Әхмәтғәли ҡыҙы Басырова. ӨФӨ ҠАЛАҺЫНЫҢ 221-СЕ БАШҠОРТ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫНЫҢ УРТАНСЫДАР ТӨРКӨМӨ. Тәрбиәсеһе Илиза Әхмәтғәли ҡыҙы Басырова. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был көндө 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. 22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был көндө 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Һуңғараҡ Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя. Был көндө беҙҙең республикала байрамға төрлө саралар арнала – акциялар, йәштәр флешмобтары, вело һәм автойөрөштәр, тантаналы рәүештә йәш туймазылыларға паспорт тапшырыу. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Ил Президенты В.Путиндың Май указдарында билдәләнгән милли проекттарҙың береһе мәғариф өлкәһенә ҡағыла.Был өлкәлә эштәр төрлө йүнәлештәрҙә алып барыла. Башҡортостанда балаларға юғары сифатлы белем биреү менән бергә, уҡыу өсөн уңайлы график, яҡшы шарттар тыуҙырылған мәктәп, йылы автобустар булыу ҙа бик мөһим, тип билдәләй төбәк Башлығы Радий Хәбиров. Уҡыусылар һанының күп булыуы сәбәпле, бихисап мәктәптәр бер сменалы уҡыуға күсеүҙе республика 2025 йылға тиклем хәл итергә йыйына. Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, алдағы 2 йылда 49 мәктәп төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ. Ҡала һәм райондарҙа яңы мәктәптәр төҙөү, мәктәптәрҙең матди базаһын нығытыуға 645 млн һум финанс сығымдар ҡаралған. Ғафури районында ике сменала уҡыусы ике мәктәп бар: Красноусолдағы 1-се һәм 3-сө мәктәптәр. Райондың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына ярашлы, Красноусолда 220 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү ҡарала. Шулай уҡ 3-сө мәктәпкә төкәтмә төҙөү күҙ уңында тотола. Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү үҙәктәре булдырыу ҙа мөһим бурыстарҙың береһе. Районда был йүнәлештә Балалар ижады үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Сәнғәт мәктәбе һ.б. ойошмалар әүҙем эш алып бара. Уҙған йылдың аҙағында уларҙағы эште йәнләндереү өсөн өҫтәлмә рәүештә эш урындары булдырылды. Һөҙөмтәлә бер нисә мәктәптә көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре, ҡурай, йыр һәм башҡа түңәрәктәр эшләй башланы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
2,72 метрлыҡ Роберт Уодлоу үҙен мәҙәк итеп түгел, ә шәхес итеп күреүҙәрен теләгән.Роберт Уодлоу Американың Олтон тигән бәләкәй генә ҡалаһында 1918 йылда тыуған. Ата-әсәһе, ағай-һеңлеләре ғәҙәти кеше булған. Гипофиз сире сәбәпле, Роберт әкиәттәге батырҙай, ай үҫәһен көн үҫкән, йыл үҫәһен ай үҫкән: 6 йәшендә –170 сантиметр, 9- ында –189, мәктәпте тамамлауға 2,51 метрға еткән. Ошо үҙенсәлеге арҡаһында, әлбиттә, ул билдәле булған: гәзит- журналдар яҙған, урамда кешеләр фотоға төшөрөп алған.Аяғына һәм өҫтөнә кейемде махсус рәүештә тектереп алырға тура килгән, уның өсөн генә ҡулайлаштырып эшләнгән атаһының машинаһына ғына ултырып йөрөй алған. Былар бик ҡиммәткә төшкән ғаиләгә.Күп цирктар Уодлоуға файҙалы тәҡдимдәр яһай, тик ул кешеләрҙе аптыратыу, көлдөрөү юлы менән аҡса эшләргә теләмәй. Етди шөғөл табырға теләп, ул университетҡа юриспруденция факультетына уҡырға инә. Шул мәлдәрҙә уны тыуған ҡалаһындағы аяҡ кейемдәре фабрикаһы тауарҙарын рекламаларға саҡыра. Аҡсаға ҡытлыҡ кисергәс (уға өҫ һәм аяҡ кейемдәре тектереү бик ҡыйбатҡа төшә ), ризалашырға тура килә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Роберт Уодлоуҙың ғүмере бик ҡыҫҡа була. 200 килограмм ауырлыҡта 2, 72 метр оҙонлоҡтағы егет аяҡтарын бөтөнләй һиҙмәй тиерлек. 22 йәшендә үк ул таяҡҡа таянып йөрөй.Бер сығышы мәлендә уның аяғы ныҡ ҡына ҡырылып сейләнә һәм инфекция инеп, сепсис башлана. Былай ҙа дәү кешенең иммун системаһы бик көсһөҙ була. Шулай итеп, ул 1940 йылдың 15 июлендә үлеп ҡала.Үҙе теләгәнсә, яҡташтарының хәтерендә ҙур шәхес булып һаҡлана Роберт Уодлоу: уның исемеГиннестарҙың рекордтар китабына индерелгән, тыуған ҡалаһында Уодлоу музейы бар. Былтыр уның тыуыуының 100 йыллығы билдәләнгән. Автор: Ә. Рәхмәтова әҙерләне. фото интернет Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Республиканың эшләмәгән пенсионерҙарына индексацияланған түләүҙәр бөгөндән башлап ғәҙәти график буйынса таратыла. 1 ғинуарҙан пенсия 5,9 процентҡа артты. 1 февралдән ул тағы ла 8,6 процентҡа тиклем индексацияланды. ИНДЕКСАЦИЯЛАРҘАН ҺУҢ УРТАСА ПЕНСИЯ КҮПМЕ БУЛАСАҠ? Февраль пенсияһы менән бергә пенсионерҙар ғинуар өсөн өҫтәмә аҡса алырға тейеш (пенсияны 5,9 проценттан 8,6 процентҡа тиклем индексациялауҙы иҫәпкә алып). Түләүҙәр автоматик рәүештә килә, бының өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. «Страховка пенсияһын һәм страховка пенсияһына билдәләнгән түләү күләмен индексациялау 1,050 миллиондан ашыу пенсионерға ҡағылды. Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме индексациянан һуң 17,5 мең һум тәшкил итте», — тип белдерҙе Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров. Автор: Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Өфөләге балалар баҡсаһы бассейнында тәрбиәсе батып үлгән, насар ваҡиға 8 ноябрҙә төнгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә булған. 51 йәшлек ҡатынды бассейндан сығарып, дауаханаға килтергәндәр, әммә табиптар уны ҡотҡарып ҡала алмаған, уның иҫерек булыуы асыҡланған. Ваҡиғала енәйәт эҙҙәре табылмаған. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ҡәйнәне ҡарамайым, бергә йәшәмәйем тигән. Әсәй уларға барһа, битәрләп ҡайтаралар ине. Ишетеп, белеп торһаҡ та, өндәшмәнек. Хәҙер үҙ-ара ҡатнашмайбыҙ, саҡырышмайбыҙ, хатта телефондан да һөйләшмәйбеҙ. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ Гәзит-журналдарҙа ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәр, татыулыҡ-дуҫлыҡ, матур йәшәгән кешеләр тураһында күп мәҡәлә уҡыйбыҙ. Килендең ҡәйнәне яҡшы итеп тәрбиәләүе, кәңәшләшеүҙәре, һөйләшеүҙәре, бергә йәшәүҙәре һоҡландыра. Ундайҙар бик күп. Ләкин хәҙерге заман йәштәре, йәғни йәш килендәрҙең күбеһе ҡәйнәне тәрбиәләргә, уның әйткән һүҙҙәрен сабыр ғына тыңлап эшләргә, бергә йәшәргә теләмәй. Шуныһы бик үкенесле. Элек бит хатта ҡайнағалар, ҡәйнештәр менән бергә бер өйҙә ғүмер иткәндәр. Түҙгәндәр, татыу булғандар. Сөнки ҡайны-ҡәйнә кешене ата-әсәй урынына күреү, хөрмәт итеү, уларҙан ҡурҡыу, оялыу бар ине. Бала-саға өйҙә өләсәйҙәр менән ҡараулы, ҡурсаулы булды. Бөгөнгө йәштәргә әйтә башлаһаң, ҡаршы яуап бирәләр. “Һеҙ совет осоронда иҫкесә йәшәгәнһегеҙ, хәҙер икенсе заман”,—тип кенә ебәрә улар. 2007 йылда иң бәләкәй ҡустыбыҙ өйләнде. Өйләнде тип әйтерлеге лә юҡ инде. Хәҙергесә әйткәндә, таныштырыу кисәһе үткәреп, ике яҡта ултырҙыҡ та, шуның менән бөттө. ЗАГС-ҡа барманылар, килен кеше иренең фамилияһын алыуҙы кәрәк тип тапманы. Ата-әсәйҙең өйөнә, нигеҙенә килен булып төшөп, яҫтыҡҡа баҫып инмәне. Ҡустыбыҙ уны хатта өйгә пропискаға ла ҡуйманы. Ярай, улар йәшәргә булғас, ризалаштыҡ. Бына шунда башланды ла инде. Ата-әсәй менән бергә йәшәргә теләмәй, ҡустыбыҙ менән киленебеҙ ай ҙа үтмәҫтән, йәһәтләп икенсе ауылдан өй табып, айырым сығып китте. Атайым менән әсәйем үҙҙәренсә йәшәне. Һәр кем башҡа торғас, һүҙгә килешмәнек. 2009 йылда атайыбыҙ мәрхүм булды, әсәй яңғыҙ ҡалды. Шунда ла ҡустым менән килен уның янына ҡайтырға теләмәне. Ҡәйнәне ҡарамайым, бергә йәшәмәйем тигән. Әсәй уларға барһа, битәрләп ҡайтаралар ине. Ишетеп, белеп торһаҡ та, өндәшмәнек. Хәҙер үҙ-ара ҡатнашмайбыҙ, саҡырышмайбыҙ, хатта телефондан да һөйләшмәйбеҙ. Шулай, әсәй сабыр ғына дүрт йыл яңғыҙ ғүмер итте. Атай мәрхүм тере сағында әсәйгә: “Өйҙө бер кемгә лә яҙмайым, әбей, өй һинеке. Сыҡмайһың, үлгәнсе ошонда йәшәйһең,”—тип әйтеп ултыра торған ине. Әммә апайым өйҙө, беҙгә лә әйтмәйенсә, кәңәшләшмәйенсә, үҙ белдеге менән Баймаҡҡа барып, ҡустыбыҙ исеменә яҙҙырған да ҡуйған. Был хаҡта 2013 йылға тиклем бөтөнләй белмәнек. Ул өй биш бала өлөшөнә бүленергә тейеш ине. Барлыҡ шул көйәләнеүҙәр, әрнеүҙәр, ғәрләнеүҙәр, иңрәү ҡатыш илауҙар бер йөрәккә йыйылып килгәндер инде, әсәй ҡаты ауырып китте. Өфөлә ятып, операция үткәреп ҡайтты. Әсәйҙең сиргә һабышыуын һылтап, апайыбыҙ ҡустының ғаиләһен кире тыуған нигеҙгә күсерткән. Йәнәһе, улар янында әсәйебеҙ ҡараулы була. Йәй айында, әсәй дауаханала булған ваҡытты файҙаланып, уның әйберҙәрен аласыҡҡа сығарып ташлағандар ҙа, үҙ нәмәләрен урынлаштырып: “Хәҙер был беҙҙең өйөбөҙ”,—тип йәшәп алып киттеләр. Әсәй дауаланып сыҡҡас, уны бабайы менән үҙҙәре төҙөп ингән өйгә лә индермәй, шул аласыҡҡа ҡыуып сығарҙылар. Әсәй, бахырҡай, аңлай ҙа, ҡаршы бер һүҙ әйтә лә алманы. Килен кеше йылы ашын, сәйен эсереп, тәрбиәләп, эргәһендә йүгереп йөрөргә тейеш ине лә бит, юҡ шул! Әсәйебеҙ үҙ көнөн үҙе күрҙе, ашарына ла үҙе бешерҙе. Уға бер ниндәй ҙә иғтибар ҙа, ихтирам да бул-маны, йылы һүҙ ҙә әйтмәнеләр. Бер ваҡыт ҡустыбыҙҙың өйҙө һатып сығып китергә теләгәнен белеп ҡалдыҡ. Ҡулында документы булғас, атай нигеҙе булып торған төп йортобоҙҙо үҙенеке генә тип уйланы. Ҡустыбыҙ—типһә, тимер өҙөрлөк ир. Бер ҙә үҙе өй төҙөп инергә уйламаны. Мин бер көн менән генә йәшәйем, миңә бер ни кәрәкмәй тигән фәлсәфә менән ғүмер итте. Бала табып, тәрбиәләп үҫтереү тураһында ла уйлап та бирмәнеләр. Бер мәл матур итеп һөйләшер, аңлашыр өсөн бергәләшеп ҡайттыҡ, йыйылдыҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйләшеү килеп сыҡманы. Бары тик бер-беребеҙгә яман һүҙҙәр әйтешеп, талаштыҡ та, уртаҡ фекергә килә алмайынса, таралыштыҡ. Башта төрлө уйҙар ҡайнай, яуаптарын ғына табып булмай. Нимә был, беҙгә яҙылған ҡәһәрме, язамы? Был өс көнлөк донъяла, алдаҡсы тормошта мәңгелек йәшәрҙәй булып шашып китәләр. Үлһәң, барыһы ла ята ла ҡала. Шул бирелгән әҙ генә ғүмеребеҙҙә матур итеп, татыу ғына ирешмәй, талашмай йәшәргә булалыр бит?! Ҡустым менән килен әсәйебеҙ менән матур ғына йәшәһә, уны ҡыуып сығармаһа, хәлдәренән килгәнсә тәрбиәләһә, беҙ бер ниндәй ҙә ҡаршы һүҙ әйтмәҫ инек. Тыуған йортобоҙ иреш-талашһыҙ ҙа үҙҙәренә тороп ҡалыр ине бит. Их, терһәк яҡын да бит, тешләп кенә булмай шул. Элекке кеүек дуҫлыҡ, татыулыҡты ҡайтарып алыр саралар юҡ. Был донъяға беребеҙ ҙә мәңгегә килмәгәнбеҙ. Әсәйебеҙ ҙә дүрт йыл элек мәңгелек донъяға күсте. Ҡустыбыҙ шуны ғына көткәндәй, башҡа туғандарының ризалығын да алмай, тыуған йортобоҙҙо һатып икенсе яҡҡа күсеп сыҡты ла китте. Шулай итеп, ата-әсәйебеҙҙең бергә илле йыл буйы йыйған мал-мөлкәте ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты. Ҡустыбыҙға атай нигеҙен һаҡларға, һыуытмаҫҡа ине лә бит. Әммә хәҙер ҡайтып йөрөр йортобоҙ сит кешеләр ҡулында. Ата-әсәйебеҙ тере саҡта яндарына ҡунаҡҡа ҡайтҡанда тыуған өйөбөҙ ҡот уйнатып балҡып ултыра ине. Әле килеп беҙҙең өсөн сит ергә әйләнде. Шуға күңелдәр етемһерәп ҡалды, йөрәк әрней. Туғанлыҡ ептәре лә шартлап өҙөлдө. Ҡустыбыҙ хәҙер беҙҙе, апаларын, бөтөнләй юҡ тип иҫәпләй. Ни ғәләмәттер был? Әллә ахырызамандың яҡынлашыуы шулмы икән? Туғандарҙы һанға һуҡмау—Ҡиәмәт көнө етеп килеү билдәләренең береһе бит.
Рауил ауылындағы «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү үҙәген дә тажзәхмәт урап үтмәне, әммә балалар һынауҙарҙы ауырлыҡтарһыҙ үткәрҙе. Ҡомаҡ йылы бик ауыр булды. Ковид пандемияһы арҡаһында матур ниәттәребеҙ, пландарыбыҙ бойомға ашмай ҡалды. Рауил ауылындағы «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү үҙәген дә тажзәхмәт урап үтмәне, әммә балалар һынауҙарҙы ауырлыҡтарһыҙ үткәрҙе. Яҙғы каникулдан һуң, тәрбиәләнеүселәребеҙ карантин арҡаһында өс айҙан ашыу бер ҡайҙа ла сыҡмай, дистанцион ысул менән уҡыны. Әммә уларға тәрбиәселәр күңелһеҙләнергә ирек бирмәне. Тәүлек әйләнәһенә балалар менән төрлө уйындар, кисәләр, ярыштар ойоштороп, балаларҙың күңелдәрен күрҙе, төшөнкөлөккә бирелергә юл ҡуйманы. Балалар төрлө онлайн конкурстарҙа ҡатнашты, боронғо милли уйындарҙы — һабантуй, уҡ атыу, ямғыр саҡырыу, Ҡорбан байрамы йолаларын үткәрҙе. Балалар яратҡан «Ирәндек» лагерында быйыл ял итә алмаһалар ҙа, күңелдәре төшмәне. Уларҙың тик вожатый апай-ағайҙарын һағынып иҫләүҙәре генә бер аҙ эсте бошорҙо. Шулай ҙа балаларға июль-август айҙарында Өфө ҡалаһында урынлашҡан «Аҡбуҙат» ял итеү үҙәгендә, Яҡтыгүл эргәһендәге «Горное ущелье» һауыҡтырыу комплексында булырға яҙҙы. Балалар ял иткән арала шәхси эшҡыуар Азамат Тутаев бригадаһы бинаға капиталь ремонт эшләне. Улар биләмә эсенә асфальт түшәне, ҡупшы итеп балалар майҙансығы яһаны. Яңы йыл байрамын балалар түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Бала йәнле кешеләр, күпселеген эшҡыуарҙар йылдағыса балаларға мул итеп бүләктәрен алып килде. Карантин арҡаһында ситтән кешеләр индерелмәһә лә, киң күңелле, оло йөрәкле бағымсыбыҙҙың береһе, шәхси эшҡыуар Лена Зарипова балаларға телефон, колонка, ҡолаҡсын бүләк итте. Шулай уҡ Рауил ауылы халҡы балаларҙы Ҡорбан итенән айырмай. Балалар барлыҡ изгелекле, мәрхәмәтле кешеләргә рәхмәтле. «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр һау-сәләмәт булып үҫеп, киләсәктә имен тормошта йәшәүгә ынтылыр, тип өмөтләнәбеҙ. Төрлө холоҡло етем балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүгә күп көс һалған, күңел бушлығын бөтәйтеүсе тәрбиәселәрҙең хеҙмәтенә оло рәхмәт йөҙөнән һоҡланырға ғына ҡала. Гүзәлиә ҒИБӘҘӘТОВА, тәрбиәсе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Был күркәм көндө беҙ беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асып уҙған "Әкиәт " балалар баҡсаһының сығарылыш малай һәм ҡыҙҙарын ҡотлайбыҙ! Һеҙ тыуған ерҙе, телде яратҡан уҡыусылар булып буй етерерһегеҙ, ҡалабыҙға һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерерһегеҙ, тип ышанабыҙ! Балаларға белем биреүгә бар күңелдәрен һаласаҡ уҡытыусыларға ҙур уңыштар, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Аҡ юл һеҙгә, кескәйҙәр! Әлфиә ВИЛДАНОВА, тәрбиәсе. Сибай ҡалаһы. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Раевка ауылында Советтар Союзы Геройы Александр Павлович Фролов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Ул беҙҙең яҡтарҙан алыҫта - Тамбов өлкәһенең Мичурин районы Заворонежское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуһа ла, яҙмышы Әлшәй яғы менән тығыҙ бәйле. 1945 йыл аҙағында Александр Фролов Новоконстантиновка ауылына, уҡытыусы ҡыҙ Мария Евтушенко янына килә, ул фронтҡа ебәргән посылка егеттең яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Оҙаҡ ваҡыт хат алышҡандан һуң улар осраша һәм гөрләтеп туй үткәрәләр. Бында Александр Павлович урындағы мәктәптә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара, үҙе Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала. Уны тамамлап, химия һәм биология дәрестәре уҡыта, үҙенең тыуған яғындағы кеүек еләк-емештәр үҫһен өсөн баҡса һәм аллея ултырта. Александр Павлович Ҡыҙыл игенселек совхозы секретары, Казанка мәктәбе директоры һәм уҡытыусы булып хеҙмәт һала, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡайҙа ғына эшләһә лә, был тыйнаҡ, ихтирамлы кешене һәр кем үҙ итә. 1985 йылда Фроловтар ғаиләһе Раевкаға күсеп килә. Бында ла Александр Павлович йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ветерандар советына етәкселек итә.… - Бөгөн беҙ Советтар Союзы Геройын, уға 99 йәш тулған булыр ине, иҫкә алыу өсөн ошо урамға, ул йәшәгән йортҡа килдек. Александр Фролов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Бындай геройҙарҙың исемдәрен киләсәк быуын белергә һәм иҫтә тоторға тейеш, - тип билдәләне тантаналы сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Д. Р. Мостафин. 1988 йылда мәктәп төҙөлә башлағас, бер йылдан ул сафҡа инә, пионерҙар дружинаһына кем исемен бирергә тигән һорау тыуа. Александр Павлович ризалығы менән, ул иҫән саҡта уҡ, дружина уның исемен йөрөтә башлай. Ул беҙҙә йыш ҡунаҡта булды, уҡыусылар менән осрашып, ҙур патриотик эш алып барҙы, тип һөйләне район Советы рәйесе, Раевка гимназияһы директоры С. Н. Колеганов. Мемориаль таҡтаташ асыу уңайынан А. П. Фроловтың ҡыҙы Любовь Александровна рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: - Мин бик шатмын, сөнки был ваҡиға беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ, матур киләсәгебеҙ өсөн башын һалған миллионлаған яугирҙарҙың иҫтәлеген берләштерә, - тине ул. Александр Павловичтың хеҙмәттәше, Казанка мәктәбенең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Надежда Гончарова ла хәтирәләре менән уртаҡлашты. ...Бына Геройҙың йортона урынлаштырылған иҫтәлекле таҡтаташҡа ябылған туҡыма төшөрөлә. Тантанала ҡатнашыусылар сәскәләр һала. Ошо уҡ көндө Фролов исемендәге пионерҙар дружинаһы тантаналы рәүештә, яңы пионерҙарҙы үҙ сафына ала. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай... Белешмә 1941 йылда А. П. Фролов пилоттарҙың Чугуев хәрби-авиация мәктәбен тамамлай.1942 йылдың сентябренән, сержант званиеһында хәрәкәт итеүсе армияла хеҙмәт итә башлай. Һуғышты 20 йәшендә 3-сө Украина фронтының 17-се армияһының 288-се авиадивизияһының 659-сы истребителдәр авиаполкы составында ҡаршылай. Тәүҙә летчик-истребитель, һуңынан звено командиры, эскадрилья командиры урынбаҫары була. Сталинград һәм Харьков, Запорожье һәм Днепропетровск, Николаев һәм Одесса эргәһендәге, Румыния һәм Болгария, Югославия һәм Венгрия, Чехославакия һәм Австрия күгендәге алыштарҙа ҡатнаша. Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Александр Невский ордендары, Алтын Йондоҙ миҙалы менән бүләкләнә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Башҡортостан Республикаһының эшкәртеүсе производство, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, логистика һәм ҡунаҡхана бизнесы өлкәһендә үҙмәшғүл бәләкәй һәм урта предприятиелары инвестиция маҡсаттарына 3% һәм бәләкәй һәм микробизнес өсөн 4,5% ставкалары буйынса льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда эшҡыуарҙарға бындай кредиттарҙы Төбәк гарантия фонды ярҙамында отошло шарттарҙа алырға мөмкин. Башҡортостанда эшҡыуарҙар залогһыҙ 10 миллион һумға тиклем яңы льготалы кредит ала аласаҡ Башҡортостан Республикаһының эшкәртеүсе производство, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, логистика һәм ҡунаҡхана бизнесы өлкәһендә үҙмәшғүл бәләкәй һәм урта предприятиелары инвестиция маҡсаттарына 3% һәм бәләкәй һәм микробизнес өсөн 4,5% ставкалары буйынса льготалы кредит алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда эшҡыуарҙарға бындай кредиттарҙы Төбәк гарантия фонды ярҙамында отошло шарттарҙа алырға мөмкин. - Дәүләт гарантиялары арҡаһында бизнес, үҙенең залог средстволары етмәгән осраҡта ла, заем аҡсаһына иҫәп тота ала. Шулай итеп, ташламалы кредитлауҙың яңы хөкүмәт программаһы сиктәрендә эшҡыуарҙар залог сифатында беҙҙең Гарантия фонды дәүләт йөкләмәһенә 10 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Кредиттар, мәҫәлән, яңы производствоны сафҡа индереүгә, производство биналарын капиталь ремонтлауға, ҡорамалдар һатып алыуға йәки яңыртыуға биреләсәк, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Льготалы программа 3 йыл ғәмәлдә була, кредитты 10 йылға алырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта льготалы кредитлау осоро 5 йыл дауам итә. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә льготалы кредитлау, Рәсәй банкы һәм Бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы кредитлауҙы дәртләндереү кеүек ғәмәлдәге ике программаны берләштереү ярҙамында бәләкәй һәм урта предприятиеларға ярҙам программаһы эшләй башланы. Яҡын арала Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары корпорацияһы тарафынан махсус компетенциялар үҙәге эшләй башлаясаҡ, уның белгестәре эшҡыуарҙарға инвестицион кредит алыу өсөн документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Үҙәк эшләй башлаясаҡ, тип БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайты аша хәбәр ителәсәк. (https://biznestur.bashkortostan.ru/). Төбәк гарантия фондынан бирелгән бурыстың максималь күләме 25 миллион һум тәшкил итә, яуаплылыҡ дәүмәле - займ суммаһынан 70 проценттан артмай. Дәүләт ҡаҙнаһына кредит алыу өсөн партнер банктарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Партнер-банктарҙың дөйөм исемлеге менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: хзеҙмәттәштәребеҙ:/Бөгөнгө ҡотланы. Бүләкләү күләме - яуаплылыҡ суммаһынан йылына 0,5-1,5% һум. Бөтә һорауҙар буйынса 8 (347) 224-99-99 телефоны аша «Минең бизнесым» үҙәгендә консультация алырға мөмкин.
Муниципаль район хакимиәтендә “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” маҡсатлы ведомство программаһы сиктәрендә социаль түләүҙәр таныҡлығы тапшырыу тантанаһы үтте. Өйө барҙың - көйө бар Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта: “Республика Хөкүмәте, район-ҡала хакимиәте исеменән сертификатҡа эйә булыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Бөгөн уның күп балалы ғаиләләргә тапшырылыуы үтә лә ҡыуаныслы. Матур, иркен йорттарығыҙҙа киләсәктә иҫән-һау, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын”, - тине һәм торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә дөйөм 4,5 миллион һум суммаға социаль түләүҙәрҙе “Торлаҡ” федераль маҡсатлы программаһында ҡатнашыусы 3 ғаиләгә тапшырҙы. Фирүзә һәм Бәхтиәр Маликовтар дәүләт ярҙамын алыуға сиратҡа 2010 йылда торғандар. Ғаиләлә 12 йәшлек Карина, 9 йәшлек Данияр һәм тиҙҙән бер йәшен тултырасаҡ Арслан исемле балалар тәрбиәләнә. “Әлеге йәшәгән фатирыбыҙ ипотекаға алынған һәм бик бәләкәй. Был сертификат суммаһына уны киңәйтергә йыйынабыҙ. Үҙем “Феникс”та ашнаҡсы, ә тормош иптәшем - водитель. Һәр бер ата-әсә кеүек беҙ ҙә балаларыбыҙҙың үҙ бүлмәләре булыуын теләйбеҙ. Дәүләтебеҙҙең йәш ғаиләләргә, бигерәк тә күп бала тәрбиәләгәндәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам күрһәтеүе ҡыуаныслы. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ”, - ти Фирүзә Эркин ҡыҙы. Динияр, Тимур һәм Хәйҙәр исемле өс ул тәрбиәләгән Эльза Байрамғәлина тантаналы сараға өлкән улы менән килгән: - Миңә башта етем булараҡ дәүләттән бүлмә бирелгәйне. 2008 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа торҙом. Бер аҙҙан бүлмәмде һатып, өй алдым. Сертификат аҡсаһын уны төҙөкләндереү, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн тотонасаҡмын. Ниһайәт, улдарымдың да, минең дә күптәнге хыялдарыбыҙ тормошҡа ашасаҡ. Бөгөн кесе улымдың 1 йәше. Бер көндә ике шатлыҡ, - ти ул. Автор:Расима Салихова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Телевидение, радио системаһы үҙе бер ҡатмарлы механизм. Бөгөн уның теоретик өлөшөнә ҡарағанда, практик яғы тиҙерәк үҫешә. Бөгөн беҙ бихисап каналдар, уны күрһәтеү буйынса технологияларҙың үҙгәреүенә эйәрә лә алмайбыҙ. Ҡасандыр һүҙҙә генә булған һанлы технологиялар бөгөн йылдам тормошҡа ашырыла, аналог телевидение бөтөрөлөп, урынына һанлы селтәр барлыҡҡа килә. Баймаҡ яңылыҡтарын даими рәүештә БСТ, «Юлдаш» каналдарында яҡтыртҡан Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры Гөлнур Ишбулатова менән әңгәмә лә тап ошо юҫыҡта барҙы. Телевидение, радио системаһы үҙе бер ҡатмарлы механизм. Бөгөн уның теоретик өлөшөнә ҡарағанда, практик яғы тиҙерәк үҫешә. Бөгөн беҙ бихисап каналдар, уны күрһәтеү буйынса технологияларҙың үҙгәреүенә эйәрә лә алмайбыҙ. Ҡасандыр һүҙҙә генә булған һанлы технологиялар бөгөн йылдам тормошҡа ашырыла, аналог телевидение бөтөрөлөп, урынына һанлы селтәр барлыҡҡа килә. Баймаҡ яңылыҡтарын даими рәүештә БСТ, «Юлдаш» каналдарында яҡтыртҡан Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры Гөлнур Ишбулатова менән әңгәмә лә тап ошо юҫыҡта барҙы. —Гөлнур Азамат ҡыҙы, Баймаҡ телевидениеһы тапшырыуҙарын Сибай ҡалаһы халҡы ла яратып ҡарай ине, бөгөн һеҙҙе күптәр юғалтты? —Һуңғы йылдарҙағы телевидение системаһындағы үҙгәрештәр бәләкәй телестудиялар эшмәкәрлегендә лә сағылды. Был иһә кабелле, ә хәҙер иһә һанлы телевидениеға күсеү яйлап ҡына аналог системаһында эфирға сығыуҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Август айынан беҙ IP-телевидение пакетында бөтә республикаға эфирға сыҡҡан «Толпар-ТВ» каналында үҙ эшебеҙҙе башланыҡ. Аҙнаның шишәмбеһе, кесе йома һәм йәкшәмбе 18.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә ҡәҙәр Баймаҡ телевидениеһы тапшырыуҙар күрһәтә. БСТ, «Юлдаш» каналдары яңылыҡтарында беҙҙең сюжеттар элеккесә дауам итә. Ҡайнап торған мәлүмәт заманында үҙ йөҙөбөҙҙө, телевизор ҡараусыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ. —Яңы кимәл яңы мөмкинлектәр ҙә асалыр, моғайын? —Әлбиттә. Мәғлүмәт биреү, уның менән идара итеү һәм урынлаштырыу үҙебеҙҙең район үҙәгендә, урында хәл ителә. Йәмәғәтселек араһында пропаганда алып барыу күпкә еңелләшә. Тағы шуныһы: быға тиклем беҙҙе ҡарай алмаған Темәс, Күсей, Ишбирҙе, Ишей, Йылым яҡтарында йәшәүсе райондаштарыбыҙ ҙа, шулай уҡ төбәк тормошо менән ҡыҙыҡһынған сит яҡтарҙа йәшәүсе яҡташтар ҙа, Сибай халҡы ла беҙҙең менән ҡала ала. Шулай уҡ төбәктә муниципаль-ара мәғлүмәт яҫылығы булдырыу өҫтәмә мөмкинлеге лә бар. —Яңыса эфирға сығыу етәксегә яңы талаптар ҙа ҡуялыр... — Ныҡлы анализ талап иткән эштәр күп. «Толпар-ТВ» даими исемлеге аҫтында «Үҫеш» төбәк технология үҙәге менән ағымдағы йылдың 31 декабренә ҡәҙәр ошо каналға материалдар ҡуйып барыуға килешеү төҙөнөк. Электрон мәғлүмәткә өҫтөнлөк арта. Хәҙер беҙҙе күберәк сайтта, «Бәйләнештә» селтәрендә лә, инстаграмда ла ҡарарға мөмкин. Беҙ тәү сиратта видеоматериалдарҙы БСТ, «Юлдаш» каналдарына ебәрәбеҙ, бер юлы интернет селтәренә лә һалабыҙ. Бырыһы ла көнөндә, оператив рәүештә эшләнә. —Һеҙҙә «Юлдаш» каналының Баймаҡ радиоһы ла эшләй. Уның яҙмышы нисек хәл ителә? — Радионың мөмкинлектәрен реклама биреүселәр яңы аңлай башлағайны. Уны һаҡлау юлдарын да эҙләйәсәкбеҙ. —Белеүебеҙсә, Баймаҡ тапшырыуҙар студияһы күптән түгел яңы бинаға ла күсте. —Эйе. Беҙ хәҙер Баймаҡ матбуғат йортоноң беренсе ҡаты, элекке типография бинаһында урынлаштыҡ. Район хакимиәте етәкселеге ярҙамында матди-техник базабыҙ нығытылды, телевидение һәм радио системаһы талаптарына яуап биргән монтаж бүлмәләре барлыҡҡа килде. Шундай шарттарҙа беҙгә, 13 ижади һәм һәләтле хеҙмәткәрҙәрҙән торған берҙәм, татыу коллективтың артабан да тырышып эшләргә дәрте ташып тора. —Күрше ҡала, район телевидениелары ла һеҙҙең кеүек «Толпар-ТВ» каналына күстеме? —Әлеге мәлдә республикабыҙҙың 30 районында һәм бик күп ҡалаларында баш ҡала телекомпанияларын иҫәпкә алмағанда, 65-тән ашыу телерадиотапшырыуҙар ойошмалары эшләй. Шуларҙың 21-е—дәүләт һәм муниципаль ҡанат аҫтында йәшәй. Хәйбулла районының телевидениеһы «Толпар-ТВ» каналында булыуы бик ҡыуаныслы. Бынан тыш Мәсетле, Күгәрсен, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы райондарының телевидениелары ла урын тапты. Был каналдың тағы бер ыңғай яғы бар: эфирға сығыуҙы ла беҙ теләгән ваҡытта бирҙеләр. —Һанлы эфир телевидениеһы тураһында нимәләр әйтер инегеҙ? —Һанлы селтәр—телевизион һүрәтте һәм тауышты видеосигналдың һанлы кодтары ярҙамында тапшырыу технологияһы. Уға тышҡы факторҙар бер нисек тә ҡамасаулай алмай, шуға сифаты ла аналог тапшырыуынан күпкә яҡшыраҡ. Был технологияның тағы бер өҫтөнлөгө—тапшырыу ҡабул итеүсе каналдың үткәреү һәләтен киңәйтеү. Һанлы мәғлүмәттәрҙе ҡыҫыу һөҙөмтәһендә күберәк каналдарҙы ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килә лә инде. Һанлы телевидение тамашасы менән кире бәйләнеш форсаты ла бирә: төрлө конкурстарҙа, мәҫәлән, оҡшаған артист өсөн тауыш биреү күпкә еңелләшәсәк. 2019 йылдың ғинуарынан аналог телевидение һүндерелеү сәбәпле, халыҡты йәһәтерәк IP-телевидение пакеттарына тоташырға, артабан да беҙҙең Баймаҡ телевидениеһы менән бергә ҡалырға саҡырам.
11 октябрь, Республика көнөндә, район үҙәгендә ауыл хужалығы продукцияһы һатыу буйынса йәрминкә була. 11 октябрь, Республика көнөндә, район үҙәгендә ауыл хужалығы продукцияһы һатыу буйынса йәрминкә була. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр халыҡты үҙәк баҙарҙа көтә. Ә ашлыҡ, һалам, серетмә “Корпорация Центр” (Кусков урамы) магазины эргәһендәге майҙанда һатыласаҡ. Фото: pixabay.com Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Өфөнөң Дим биҫтәһендә йоғошло сирҙәр дауаханаһы итеп үҙгәртелгән медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тәүге вахтаны тамамланы. Өфөнөң Дим биҫтәһендә йоғошло сирҙәр дауаханаһы итеп үҙгәртелгән медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тәүге вахтаны тамамланы. Улар махсус дауалау госпиталендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр булараҡ тулы хоҡуҡлы ял алырға бурыслы. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров та белдерҙе. Ул хөкүмәткә табиптарға ял итеү һәм көс йыйыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы йөкмәтте. -Мин һеҙҙең ялығыҙ өсөн ”Йәшел ҡурсаулыҡ” шифаханаһын асырға ла әҙер. Унда һеҙ ике аҙналыҡ үҙҡурсаланыу көндәрен үткәрә алаһығыҙ, - тине Радий Фәрит улы. Республика башлығы шулай уҡ вирусҡа ҡаршы ҡатмарлы шарттарҙа вахта үткән табиптарға үҙ рәхмәтен еткерҙе. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Һауа торошо бик насар булһа ла, аҙна уртаһында Айсыуаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сираттағы сходҡа күп кенә кеше йыйылды. Һауа торошо бик насар булһа ла, аҙна уртаһында Айсыуаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сираттағы сходҡа күп кенә кеше йыйылды. Халыҡ менән осрашыуға Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский, уның урынбаҫары Марина Букреева, полиция хеҙмәткәре майор Евгений Канарейкин, торлаҡ хужалығына идара итеү идаралығы етәксеһе Олег Сизиков, «Коммунальник» йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Селищев килде. Сараны башлап Роман Александрович асты, ул яңыраҡ Советтар Союзы Геройы Вениамин Недошивиндың тыуыуына 100 йылл тулыуға арналған байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан бер тѳркѳм ҡатын-ҡыҙҙарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Артабан Айсыуаҡ ветеринария участкаһы етәксеһе Риф Байғужин залдағыларға яңыраҡ республиканың бер нисә районында күҙәтелгән малдың бешмә ауырыуы һәм унан һаҡланыу алымдары тураһында бәйән итте, һорауҙарға яуап бирҙе. Йыйылыусылар полиция хеҙмәткәре Е. Канарейкинға имен булмаған ғаиләләр менән эшләү, кѳмѳшкә һатыуға ҡағылған һорауҙар менән мѳрәжәғәт итте. Йыйында ҡатнашыусылар беҙҙең ѳсѳн даими темалар – юлдарҙы йүнәтеү, уларҙы ҡышҡы осорҙа таҙартыу, рѳхсәтһеҙ урындарға сүп-сар түгеү, кѳнкүреш ҡалдыҡтары ѳсѳн ҡуйылған һауыттар эргәһендәге тәртипһеҙлек, автобус маршрутын оҙонайтыу, күп фатирлы йорттарҙы тейешенсә йылытыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Сарала ҡатнашыусы етәкселәр уларҙың ҡайһы берҙәрен кисекмәҫтән үтәргә вәғәҙәләне, икенселәрен яҡын киләсәктә хәл итергә һүҙ бирҙе. Айсыуаҡ ауылы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шарапова Гөлшат Мохтасар ҡыҙы етәкселегендә 5-9-сы класс уҡыусылары Башҡортостандың 100 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль монтаж күрһәтте. Шулай уҡ Театр йылына арналған «Әлшәй Мәргән – ил ағаһы, ырыу башы» тип аталған тамаша ла тәҡдим ителде. Шуныһы ҡыуаныслы, был сараларға уҡытыусы төрлө милләт балаларын да йәлеп иткән, улар башҡортса матур итеп һөйләшә, шиғырҙар ятлай, йырҙар йырлай. Юғары категориялы уҡытыусы Гөлшат Шарапова 32 йыл ғүмерен балаларға туған тел өйрәтеүгә бағышлаған. Пионерҙар йорто тарафынан асылған “Башҡорт фольклоры” түңәрәген дә алып бара ул. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, районда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Был көндө лә коллегалары уның эшенә ыңғай баһа бирҙе һәм эшендә уңыштар теләне. Семинарҙың икенсе өлөшөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтеуҡытыусыларының I бөтә Рәсәй съезы делегаттары үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Үҙ сығышында район мәғариф бүлеге методисы Светлана Фәнил ҡыҙы Шарипова: “ Башҡорт телендә һөйләшеү модаға инергә тейеш. Телдең бәҫен күтәреү, һөйләү телмәрен үҫтереү, башҡорт йолаларын тергеҙеү, балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләү – беҙҙең бурысыбыҙ,” – тине. Съезда ҡатнашҡан делегаттар Рузилә Зиннур ҡыҙы Ҡотлогилдина, Флүрә Риф ҡыҙы Хәмиҙуллина, Рәмзиә Шакир ҡыҙы Зарипова ла үҙ фекерҙәрен әйтте. Раушания УСМАНОВА, Сурай мәктәбе уҡытыусыһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.