text
stringlengths
332
38.2k
Тап ошо мәсьәлә беҙҙең бөгөнгө демографик проблемаларҙың нигеҙен тәшкил итә лә инде. Рәсәйҙә хәҙер шундай өҫтөнлөк йүнәлеш алды: 1000 ир-ат затына 1163 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Әгәр һәр мең иргә артыҡ 163 ҡатын бәхет көтөп ултыра икән, законлы никах мәсьәләһен нисек хәл итергә? Ә һандар был хаҡта нимә һөйләй һуң? 2010 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, теркәлгән һәм теркәлмәгән килеш 33,2 миллион ир-ат һәм 33,3 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Иғтибар иттегеҙме, өйләнгән ирҙәр әҙерәк, ә кейәүгә сыҡҡан ҡатындар күберәк. Социологтар ошо һандарға аңлатма биргәндә фекерҙәр ныҡлы айырыла. Тап ошо мәсьәлә беҙҙең бөгөнгө демографик проблемаларҙың нигеҙен тәшкил итә лә инде. Рәсәйҙә хәҙер шундай өҫтөнлөк йүнәлеш алды: 1000 ир-ат затына 1163 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Әгәр һәр мең иргә артыҡ 163 ҡатын бәхет көтөп ултыра икән, законлы никах мәсьәләһен нисек хәл итергә? Ә һандар был хаҡта нимә һөйләй һуң? 2010 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, теркәлгән һәм теркәлмәгән килеш 33,2 миллион ир-ат һәм 33,3 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Иғтибар иттегеҙме, өйләнгән ирҙәр әҙерәк, ә кейәүгә сыҡҡан ҡатындар күберәк. Социологтар ошо һандарға аңлатма биргәндә фекерҙәр ныҡлы айырыла. Шуныһы ғына билдәле, теркәлгән никахтар һаны кәмей, халыҡтың күпселеге гражданлыҡ никахы менән йәшәүҙе, йәғни, өйҙәшлекте өҫтөн күрә. Тимәк, Рәсәй ғаиләһе һуңғы 20-30 йылда тамам үҙгәрҙе. Өҫтәүенә, гражданлыҡ никахы менән йәшәү ваҡыты йылдан-йыл арта бара һәм ғәҙәти күренешкә әүерелә. Хәҙер ғаилә ҡороу өсөн туй, тиҫтәләрсә меңдәр менән иҫәпләнгән сығымдар, Лимузиндар артыҡҡа әйләнде. Ҡыҙ менән егет үтеп барышлай ғына мәсеткә инеп сыға һәм никах уҡытып, ғаилә ҡороуға Аллаһтың фатихаһын ала. Күренеп тора, бындай никахтарҙың ныҡлығы бик самалы. Улар ҡыҙ менән егеттең бер-береһенә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн генә ҡорола. Ниңә артыҡ мәшәҡәт алырға? Һаҡланыу саралары ҡәтғи рәүештә күҙәтелә, тимәк, ғаиләнең төп атрибуты – бала табыу тураһында һүҙ юҡ. Һәм иң аяныслыһы шул, бындай никах, йәки берләшмә яҡтарҙы ҡәнәғәтләндерә. Ә бындай ваҡытлы, йәки гражданлыҡ никахтарының ғүмере бик самалы һәм мәҡәләнең иң башында беҙ иҫкә алған өйләнгән ирҙәрҙең аҙыраҡ булыуы ошонда ята ла инде. Бер нисә тапҡыр аяҡ өҫтө генә никах уҡытып ғаилә ҡороп ҡараған һәм ауыҙы бешкән ир-ат өйләнеү һымаҡ яуаплы эштән тамам ваз кисеүе лә ғәжәп түгел. Хәҙерге пандемия осоронда иң тәүге һәм иң күп зыян күргән ҡорбандарҙың береһе – традицион ғаилә ҡиммәттәре булыуы ла бик ихтимал. Күреп тораһығыҙ, киләсәктә йәшәү кимәле артыҡ ышаныс уятмай һәм ошондай шарттарҙа халыҡтың ғаилә ҡороуға ынтылышы, хатта балалар үҫтереүе маҡтауға һәм хуплауға ғына лайыҡ. Шулай ҙа мәңгелек ҡиммәттәрҙән баш тартырға ашыҡмайыҡ әле. Гөрләтеп, күңелле итеп туй үткәреү үҙе ни тора! Һирәк-мирәк ауылға ҡайтҡан саҡтарымда әсәйемдең: “Балаларығыҙҙы алмаһағыҙ, ҡайтып та йөрөмәгеҙ!” – тип әйткәнен хәҙер аңлар йәшкә еткәнмен. Был шатлыҡты күпселеккә кисерергә яҙһын ине. Яңыраҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә йылдың тәүге яртыһында, былтырға ошо осор менән сағыштырғанда, тыуымдың артыуы тураһында ҡыуанып яҙғайны. Ваҡытлы никах менән иртәгәһе көндәренә үҙҙәре лә ышанмай йәшәп ятҡан ҡыҙ менән егеттән бигерәк, Хөкүмәтте ифрат борсой был мәсьәлә. Борсомай, Ватанға кешеләр кәрәк. Заводтар, фабрикалар, ҙур-ҙур компаниялар әлегә кешеһеҙ эшләп, табыш алып өйрәнмәгән. Япондар үҙҙәренең кешеләрҙе алыштыра торған роботтарын тиҙ генә етештерә башламаҫ һымаҡ. Шуға үҙебеҙгә тырышырға тура килә. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 19930 сабый тыуған. Был һандар, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 698-гә йәки 3,1 процентҡа күберәк. Беҙгә ҡалһа, юғарылағы һандар теләһә ниндәй дәлилдәрҙән көслөрәк һәм күберәк аңлатма бирә. Традицион ғаиләләрҙән баш тартыу тураһында уйларға ла ярамай. Рәсәй халҡы күпселек ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәүгә өҫтөнлөк бирә. Әле, милли проекттарға ярашлы, күпләп балалар баҡсалары төҙөлә, һаман урындар етмәй. Күпселек ғаиләләр дәүләттән пособиелар, һуңғы осорҙа ғына ике тапҡыр өҫтәлмә түләүҙәр алды. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр, тип әйтерлек, күҙәтелә был күренеш. Артабан да шулай булһын. Бәлки ирҙәр никахына ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейәүгә сығыуының күберәк булыуының сәбәптәрен эҙләү ҙә кәрәкмәйҙер. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Уйғур аптоном райониниң маралбеши наһийиси чоңқорчақ йезисиниң йезилиқ партийә ячейка секритари давут һашим, 2008 - йили бейҗиңда өткүзүлидиған олимпик мусабиқисиниң мәшили уйғур аптоном районидин өткәндә мәшәлни көтәргүчи намзатлар тизимликигә киргүзүлгән. Йәрлик партийә секритариниң мәшәлни көтәргүчи намзатлар тизимликигә киргүзүлгәнлики райондики хитай тор бәтлиридә бир қәдәр иҗабий баһаға еришкән болсиму, лекин уйғур тор бәтлиридә бу мәсилә талаш ‏- тартиш қозғиди. Давут һашим 2003 - йили 2- айниң 24 - күни маралбеши наһийисидә йүз бәргән вә хитай даирилириниң статистикиси буйичә 170 нәччә адәмниң өлүшигә сәвәбчи болған йәр тәврәш апитидә нами чиққан шәхсләрниң бири болуп, униң аилисидики 5 җан киши шу қетимқи йәр тәврәш апитидә өлгән. Хитай һөкүмити уни аилә тавабатидин айрилип қелиштәк еғир күнләрдә, партийиниң йәр тәврәш районидики сияситини қәти тәврәнмәй иҗра қилған шәхс, дәп махтиған вә хитай баш министири вен җябав қобул қилған иди. Уйғурчә тор бәтләрдә бир қисим тордашлар йәрлик партийә секритариниң олимпик мәшилини көтүрүши олимпик роһиға таза тоғра кәлмәйдиғанлиқини язса, йәнә бәзи кишиләр олимпик мәшили көтәргүчи ким болса мәйли, лекин уйғур болғанлиқидин пәхирлинидиғанлиқини йезишмақта. Намзатлар тизимликигә киргүзүлгәнлики давут һашимниң чоқум олимпик мәшили көтиридиғанлиқидин дерәк бәрмисиму, лекин бу мәсилигә қизиққучилар, уйғур тәнтәрбийичиләрни намзатлар тизимликигә киргүзүш олимпик роһиға техиму уйғун келиду, дәп қарашмақта. (Әркин) © 2007 Radio Free Asia Мунасивәтлик мақалилар Хитай олимпик таварлирини ишләп чиқиридиған карханиларда әмгәк һоқуқини дәпсәндә қилиш билән әйибләнди Өсмүр боксчилар асия өсмүрләр бокс ләвһә талишиш мусабиқисиға қатнашти Уйғур маһири амангүл 2008 - йилидики олимпик тәнһәрикәт йиғиниға қатнашмақчи Көп көрүлгән хәвәрләр RFA Үрүмчидики от апитидә қаза қилған қәмәрнисахан абдураһман аилисниң паҗиәси “уйғур сиясити қанун лайиһәси” мутләқ үстүн аваз билән мақулланди Үрүмчидики сақчи хадимлири от апитидә ишиккә селинған қулупниң өлүм санини ашурғанлиқини етирап қилди Б д т аз санлиқ милләтләр мәсилиси мунбирида уйғур мәсилиси кәскин риқабәткә сәвәб болди Җәнубий австралийә парламенти д у қ һәйитигә бир қатар вәдиләрни бәргән Пикир қошуң Радиониң ишлитиш шәртлиригә асасән, пикирлириңиз тәкшүргүчиләр тәрипидин тәстиқлиниши вә мувапиқ дәриҗидә тәһрирлиниши түпәйли, тор бәттә дәрһал пәйда болмайду. Сиз қалдурған мәзмунға әркин асия радиоси җавабкар болмайду. Башқиларниң көз қариши вә һәқиқәткә һөрмәт қилишиңизни сораймиз.
Был ризыҡты әҙерләү өсөн 150 грамм ҡаты сыр, 100 грамм йомшаҡ сыр, ике йомортҡа, ике кишер, биш тырнаҡ һарымһаҡ, 50-70 грамм майонез, тоҙ кәрәк. Тәүҙә йомортҡа менән кишерҙе тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Ике төрлө сырҙы, йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ҡатнашманы ваҡланған һарымһаҡ ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ. Тоҙ менән майонез өҫтәйбеҙ. Бер аш ҡалағылай әҙер ҡатнашманы алабыҙ ҙа, мандарин формаһында ҡул менән әүәләйбеҙ, унан һуң 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һыулы йәки майлы ҡул менән кишерҙән йәймә эшләйбеҙ. Һыуытҡыстан әҙер ҡатнашманы алып йәймәгә урайбыҙ. Үҙенсәлекле ҡабымлыҡ - "мандариндар" әҙер. https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Sir-men-n-kisher-n--mandarindar-44667/ фото/pixabay Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
…Fәзиз менән Миңзәләне ул Бөрмәсә йылғаһы буйында тап иткәйне. Егеттең ҡулында – ҡалдау. Бына ул ҡалдауҙы ҡыҙға тоттора. Үҙенсә тырышып нимәлер аңлата. Миңзәлә тартынып, аҫтан һөҙөп кенә егеткә ҡарап ала, йылмая, баш ҡаға. Ошо оялсан, наҙлы ҡараш, гүйә, Марстың йөрәгенә үтеп инә. Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА ҺАУМЫ, ЙӘЙЕН! Хикәйә Бишенсе өлөш …Fәзиз менән Миңзәләне ул Бөрмәсә йылғаһы буйында тап иткәйне. Егеттең ҡулында – ҡалдау. Бына ул ҡалдауҙы ҡыҙға тоттора. Үҙенсә тырышып нимәлер аңлата. Миңзәлә тартынып, аҫтан һөҙөп кенә егеткә ҡарап ала, йылмая, баш ҡаға. Ошо оялсан, наҙлы ҡараш, гүйә, Марстың йөрәгенә үтеп инә. Балыҡ ҡармаҡлаусылар уға иғтибар ҙа итмәне. Юҡ, теге икәү берәүҙе лә күрмәй. Улар икәү генә ине был донъяла. Быға тиклем Марстың Миңзәләгә илтифат биргәне юҡ ине. Тап шул мәлдә ул Миңзәләгә ғашиҡ булды. Оло мөхәббәт барлығын аңланы. Ошо мөхәббәтте тартып алғыһы, ҡыҙҙың тик уға ғына төбәлеүен, уға ғына ҡарап йылмайып, уға ғына баш ҡағыуын теләне. Был донъяла Марс былай ҙа күп нәмәне тартып алды, күп нәмәне үҙенеке итте. Мөхәббәтте тартып алып булмай икән. Кешене буйһондороп та, ҡурҡытып та була. Мәжбүр итеп тә. Ләкин мөхәббәтте буйһондороп булмай икән. Fәзиздең күҙҙәре ҡалай янып китте. Яратҡан. Һаман яратҡан. Һаман бер-береһен яратҡандар. Ошо көмөш балдаҡты әбейе ғүмер буйы таҡты. Һалмай таҡты. Ә яҙыуы барлығын Марс белмәй ине. Тимәк, теге ваҡыт Миңзәлә уны йәйенгә тапшырған. Шуның өсөн генә килгән. Бик кәйефләнеп, имшеп ҡайтты шул. Һауығыр, йәшәр кеүек ине. Ниңә ошо йәйенде тоторға тип, балаларын ҡотортто һуң үҙе?! – Атай, һиңә нимә булды? Ҡарт ултыра төштө, торорға итте, хәле етмәне. Fәзиз ҡарт йәйен төйәк иткән ергә бармай түҙмәне. Элекке урынды танымайынса бер талай иҫ-аҡылы китеп торҙо. «Йә инде, ниңә былай йыртҡыстарса ҡыланырға? Эргә-тирәләге таштарына тиклем ҡуптарып алып ташлағандар. Быныһы бөтөнләй артыҡ ине». Кем үҙ өйөн болартыуҙарына риза булһын, ти инде? Ташы таш, барыбер туҙышып ятмаһындар. Бабай яр буйын рәтләне. «Ни ҡәҙәр эре ҡыланһаҡ та, һәммәбеҙ ҙә ошо тәбиғәткә ҡайтабыҙ. Йоҡларға. Әле бәләкәсендә ҡунып ҡына йөрөйбөҙ. Эъе, ҡунаҡбыҙ. Олоһона мәңгегә ҡайтасаҡбыҙ. ¤лкәненә нығыраҡ иғтибар кәрәк. Ә монафиҡтар бәләкәсен мәңгелек йәшәү урыны тип уйлай». Эшен бөтөргәс, ултырып хәл алды. Әллә ойоно, әллә ысынында шулай булды – бер аҡ һын эргәһенә килде. Ел булып битенә ҡығылып үтте. «Бөтә яратышҡандар ҙа ҡауыша алмай. Һөйгәнеңде һаҡлау ҡауышыу теләгенән юғарыраҡ. Һин дә, мин дә фани. Был донъя фани. Ә мөхәббәт ҙур. Ул юҡҡа сыҡмай. Ваҡыт уны ҡартайтмай. Мин бит һине мәңгелек донъяла ҡаршы алып торасаҡмын. Әҙерләнеп көтөп торор өсөн киттем унда. Мин бит беләм, һин минең ҡаршы алыуымды ғына теләйһең. Ҡапҡаһын асып торормон. Был һинең мәңгелек изге, яҡты хыялың. Нишләп хыялдар бойомға ашмаһын? Хыялдар бойомға аша, Fәзиз. Мөхәббәттең көсө лә шунда». Ҡарт тирә-йүнгә күҙ йүгертте. «Һе, – тип уйланы. – Ҡайҙан был тиклем матур һүҙҙәр? Миңзәлә улай әйтә алмай. Мәрхүмә нисек әйтһен, ти инде?» Төш күрҙеме әллә? Юҡ, күҙгә йоҡо эленмәне. Берәй кино-фәләндә геройҙар шулай һөйләшкәндер ҙә, шул иҫкә төшкәндер. Юҡ, Fәзиз кино ҡарарға яратмай. Бәлки китапта уҡығандыр? Матур һүҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡала бит ул. Ҡалай булһа ла, шифалы һүҙҙәр былар. «Бәлки үҙемде йыуата торған һүҙҙе үҙем уйлап сығарғанмындыр? Шулай йәшәүе лә еңелерәк тә баһа… Юҡ, нишләп минеке булһын ти инде? Минме һуң шундай һүҙҙе әйткән кеше?..» Кәрим улы ҡайтып киткәс, ҡарт бөтөнләй күңелһеҙләнде. Ейәне хәҙер көҙгө каникулға ғына киләсәк. Уға тиклем кем менән шулай бирелеп, иркенләп һөйләшеп булыр икән? Ауыҙ асып уны тыңлаусы Кәриме кәрәк. Юҡһыныуын баҫыр өсөн, йылға буйын ҡыҙырырға сығып китте. Әллә ниндәй серле һиллек биләп алды тирә-йүнде. Ҡандай таҙа, саф уның Бөрмәсәһе! Эйе, ана, Fәзизде генә көткәндәй, бәрлеләр емелдеге сыға. Ҡарт ҡыуанды. Бар әле бәрле, бар. Быйыл хатта күбәйгән дә һымаҡ. Ул яңғыҙ түгел өлкән йортта! Йылғалар ҡорорға тейеш түгел, улар диңгеҙҙе үҙ ағышында, үҙ тәбиғилегендә тулыландырһын. Ә диңгеҙ уларҙың баһаһын белһен, ҡәҙерләһен. Йылғалар ҡоромаһа, тормош та булыр. Ауылдар ҙа бөтмәҫ. Мәктәпте ябабыҙ, уныһын-быныһын күсереп алып китәбеҙ, имеш. Көсләп күсерәләр, көсләп бәхетле итәләр… Хәлдәренән килһә, халыҡтың йәнен дә теләгән ваҡытта алып, теләгән ваҡытта биреп, ә теләмәгән ваҡыттарында бөтөнләй бикләп кенә ҡуйырҙар ине. Аллаһының бөйөк ҡөҙрәте – быныһын булдыра алмайҙар. Ә халыҡ бит күптән тыуған. Халыҡ мең йәште үткән. Яңыраҡ тыуғандар унан үҙҙәрен ғилемлерәк тип уйлаймы? Вазифа мәңгелек түгел, иң оҙаҡ тигәндә лә, бер нисә тиҫтә йыл ғына. Ләкин шул арала күпме зыян яһап өлгөргәндәр ҙә бар. Бөтмәҫ әле ауыл, бөтмәҫ. Ҡайҙа йәшәргә яҡшыраҡ икәнен өйрәтеүселәр килә тора, китә тора, ә халыҡ ҡала… Ҡасандыр йәйен дуҫы йәшәгән ҡумырыҡҡа ҡарап, ҡарт шулай уйланды. Ҡапыл тертләне. Ике антеннаһын ҡуйып, уның уйҙарын йәш йәйен тыңлай ине. – Һаумы, Йәйен! Ҡарт башындағы түбәтәйе менән битен һөртөп алды. Кипкән, кипшегән иренен, ҡара янған бураҙналы маңлайын, төк баҫҡан сикәһен һыпырҙы. Был мәлдә уның күҙ тирәһендәге бөтөн сырыштары ла көлә ине. Аҙағы. ------------------------ Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Автор:Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Үткән аҙнала районда бер генә сабый тыуған. Уның ҡарауы 3 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике пар никахын тарҡатҡан, 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән. 01 хәбәр итә Аҙна тыныс үткән. 02 хәбәр итә Ғинуарҙың 22-һенән 29-ына тиклемге осорҙа район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 42 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), сит ил гражданын фиктив теркәү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү (3), битлек режимын боҙоу (5), ғаилә низағы (5), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (2), законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатыу (1) һ.б. бар. Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан дөйөм 71 протокол төҙөлгән. Шуларҙың 53-ө ЮХХДИ йүнәлешендә. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
0033 Ҡарлыман ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле ата­йыбыҙ, ола­та­йы­быҙ Мәҙи­йәр Фәрит улы Ишем­­ғо­лов­ты 70 йәш­лек оло юби­лейы ме­нән һәм әсәйебеҙ, өлә­сә­йебеҙ Зифа Миң­нулла ҡыҙы менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 45 йыл тулыу айҡанлы ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, ҡыуаныс-шатлыҡтарға төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләй­беҙ. Беҙгә терәк-таяныс булып, балаларығыҙҙың из­ге­ле­ген күреп, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә ҡыуанып йәшәргә яҙһын! Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оҙон ғүмер, Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон, Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә, Ә ғүмерҙәрҙең яҡты, нурлыһын! Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай, Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарығыҙ. Бәхет-шатлыҡ, һөйөнөстәр менән Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ. Иң изге теләктәр менән улың Фәнис, киленең Айсара, ейәндәрең Ирек, Айҙар, ейәнсәрең Диана. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Шулай ҙа бәхетле билет эләгеп, тейешле аҡсаһын килеп алмағандар ҙа бар икән. "Столото" хәбәр итеүенсә, Рәсәй халҡы 2,8 миллиард һумға яҡын лотерея отошон алмаған. Улар араһында 10 миллион һум аҡса отоусы ла бар. Онотолған отоштарҙың күбеһе 150 һумдан артмай. Был аҡсалар өс йыл һаҡлана, унан һуң дәүләт ҡаҙнаһына тапшырыла. Ғәҙәттә, күп кешеләр ҙур отошҡа өмөтләнә лә, аҙ суммаға иғтибар итеп тормай. "Йәшлек" гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бер тапҡыр эшләп ҡараһағыҙ, гел эшләйәсәкһегеҙ! 3 литрлыҡ банкаға кәбеҫтәне борос, йә кишер, йә сөгөлдөр менән аралаштырып һалаһың. Шулай уҡ, һәр ҡат араһына һарымһаҡ та һалып ебәрергә кәрәк. Кәбеҫтәне төрлөсә тураһаң була. Һаламлап та, шаҡмаҡ итеп тә, эре киҫәктәргә бүлеп тә. Был салатҡа маринадты ҡайнатып та, ҡайнатмай ҙа эшләргә була. 1 литр һыуыҡ һыуға ярты стакан шәкәр, ярты стакан аш һеркәһе (быяла шешәләген ҡулланырға), 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан көнбағыш майы һалып болғап кәбеҫтә өҫтөнә ҡояһың. Маринад артып ҡалһа, һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ, икенсе көнөнә банкаға өҫтәп ҡойорға. Кәбеҫтә берәй көн бүлмә температураһында ултыра, аҙаҡ һыуытҡысҡа алып ҡуяһың. Шунда уҡ ашай башламағыҙ, тәме һеңгәнсә ике-өс көн ултырһын. Иҫ киткес тәмле ризыҡ килеп сыға!!! Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
أَعُوذُ بِكَلِمَاتِ ﷲِ التَّامَّةِ مِنْ كُلِّ شَیْطَانٍ وَهَامَّةٍ وَمِنْ كُلِّ عَیْنٍ لَامَّةٍ. «Әгүүз̣ү бикәлимәәтилләәһит-тәәммәти миң күлли шәйтааниү үә һәәәммәти үә миң күлли гәйнил ләәммәһ». «Һәр шайтандан, зарарлы әйберҙәрҙән hәм насар күҙҙәрҙән һүҙҙәрҙең хөрмәтенә Аллаһҡа һыйынам».. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. Күҙ теймәһен өсөн уҡыла торған доға أَعُوذُ بِكَلِمَاتِ ﷲِ التَّامَّةِ مِنْ كُلِّ شَیْطَانٍ وَهَامَّةٍ وَمِنْ كُلِّ عَیْنٍ لَامَّةٍ. «Әгүүз̣ү бикәлимәәтилләәһит-тәәммәти миң күлли шәйтааниү үә һәәәммәти үә миң күлли гәйнил ләәммәһ». «Һәр шайтандан, зарарлы әйберҙәрҙән hәм насар күҙҙәрҙән һүҙҙәрҙең хөрмәтенә Аллаһҡа һыйынам» . Күҙ тейеүҙән был аятты уҡыу кәңәш ителә: «Үә ий-йәкәәдүлләз̣иинә кәфәруу ләйүзликуунәкә биәбсаариһим ләммәә сәмигүз̣з̣икра үә йәкуулүүнә иннәһүү ләмәҗнүүүн. Үә мәә һүә илләә зикруль лиль-гәәләмииин». (Каләм, 68:51-52) «Ысынлап та, шул кәферҙәрҙең, Ҡөръәнде ишеткән ваҡытта, һине күҙҙәре менән бәреп йыҡҡыһы килә ине. «Ул, hис шикһеҙ, аҡылдан яҙған кеше», ‒ тиҙәр. Ә бит Ҡөръән бөтөн гәләмдәр өсөн шәфҡәттән башҡа бер әйбер ҙә түгелдер».
Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҙна араһындағы аралашыуҙар файҙалы булмаҡсы. Бәғзеләр яңы өмөтлө танышлыҡтар булдырыр. Шишәмбелә яҡындарығыҙға ҡа­ғыл­­ған ыңғай хәбәр ишетеүегеҙ бар. Нин­дәйҙер туҡтап торған эште урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Уны уңышлы тамамлау юлдарын тулыһынса аңларһығыҙ. һыуғояр (21.01 – 19.02) Алдығыҙҙа ҡатмарлы мәсьәләләр килеп сы­ғасаҡ. Әгәр ваҡыт-көсөгөҙҙө дөрөҫ файҙа­лана алһағыҙ, барыһын да булдырырһығыҙ. Башығыҙға өмөтлө фекерҙәр килер. Уларҙы онотмағыҙ, бер аҙҙан бойомға ашырырға сират етер. Күңелегеҙгә ятмаған кешеләр менән мөмкин тиклем аралашмаҫҡа тырышығыҙ. Балыҡ (20.02 – 20.03) Үткән ваҡиғалар шауҡымы һаман да һиҙелер һымаҡ. Ашыҡмай ғына эштәрегеҙҙе барлағыҙ, тамамланмай ҡалғандары ла байтаҡ ҡына буғай. Шаршамбы һәм шәмбе иң уңышлы көндәрегеҙ буласаҡ. Был арала һис тә көтөлмәгән тәҡдим ишетеүегеҙ ҙә бар. Йондоҙҙар унан ҡырҡа баш тартырға ҡуша. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Ҙур теләк менән эш итерһегеҙ. Уҡып йөрө­гәндәр ҙә мотлаҡ уңышҡа ирешәсәк. Шулай ҙа ашығырға кәңәш ителә – шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ кирегә үҙгәрер. Артабан эштәрегеҙ ҡыйынлыҡ менән барасаҡ. Элек һеҙ ярҙам өмөт иткән кешеләрҙең һүҙендә тормауы ла ихтимал. Буға (21.04 – 21.05) Аҙна бер аҙ көсөргәнешлерәк башланыр. Йыш ҡына ашығыс эш итерһегеҙ. Бәғзеләр көтөл­мәгән хәлдәргә осрауы бар. Ҡайһы ваҡытта ярҙамға мохтажлыҡ кисерерһегеҙ, ләкин уны табыуы еңел булмаҫ. Кесе йомала күптән көткән яҡшы хәбәрҙәр килер. Игеҙәктәр (22.05 – 21.06) Ҡәҙимге осор. Көндәрегеҙ бер-береһенә оҡ­шаш булыр, моғайын. Ниндәйҙер эште башлап ебәреүегеҙ бар, тик аҙаҡ үкенеүегеҙ ҙә мөмкин. Уны уйлағандан күпкә ҡыйыныраҡ башҡарыр­һығыҙ, сөнки нимәнелер иҫәпкә алырға онот­ҡанһығыҙ һымаҡ. Кесе йомала уйламаған сығымдар көтөгөҙ. Ҡыҫала (22.06 – 23.07) Әллә ни иҫтә ҡалырлыҡ мөһим ваҡиғалар булмаҫ һымаҡ. Шулай ҙа хыялығыҙға табан тағы ла бер бәләкәй генә аҙым яһарһығыҙ. Был үҙе­нән-үҙе килеп сығыр, артыҡ көс тә түкмәҫһегеҙ, бәлки. Шаршамбыла бүләк тәҡдим итеүҙәре ихтимал, уны тыныс ҡабул итегеҙ. Арыҫлан (24.07 – 23.08) Көндәр бер аҙ ҡатмарлы көтөлә. Бәғзеләр һеҙгә баҫым яһарға маташыр. Әлбиттә, был һеҙгә оҡшамаҫ. Шишәмбелә юҡ-бар өсөн кәйефегеҙ ҡырылыр. Был арала ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙҙың хаталы булыуы ла бар. Аҙаҡ быға үкенерһегеҙ кеүек. Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Барыһы ла һәйбәт барасаҡ. Осраған ҡыйынлыҡтар һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫ. Аралашыуҙа ла уңырһығыҙ, иоғайын. Был арала ышаныслы фекерҙәш таба алырһығыҙ. Осраҡлы ғына булдырған танышлыҡ оҙайлыға әүерелер. Йомала ишеткән яңылыҡ кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрер. Үлсәү (24.09 – 23.10) Көндәр ҡәҙимгесә булыр, тип фараз ителә. Ыңғай һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтөлә. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә тыуып торор, уларҙы бойомға ашырыу тураһында ла уйланырһығыҙ. Икеләнеүҙәрһеҙ ҙә булмаҫтыр. Йондоҙҙар улар тураһында бер кемгә лә белдермәҫкә кәңәш итә. Саян (24.10 – 22.11) Аҙна араһында бер нисә осрашыу буласаҡ. Уларҙың барыһы ла һеҙгә оҡшамауы ла ихтимал. Шулай ҙа был хәл кәйефегеҙҙе төшөрмәҫ. Шаршамбыла яҡын кешегеҙҙең йомошо менән булышырһығыҙ. Аҡса менән бәйле мәсьәләләр бер аҙ борсоп торор. Был йүнәлештә «алтын тауҙар» вәғәҙә иткәндәргә ышанмағыҙ. Уҡсы (23.11 – 21.12) Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Элек дәғүә тыуҙырған мәсьәләләргә ҡарата уртаҡ ҡараш табыуы ауыр булмаҫ. Фекерҙәштәрегеҙҙең һаны ла артыр. Төп эшегеҙҙәге уңыштар әллә ни һиҙелмәҫ. Шулай ҙа улар төҫмөрләнә башлар, моғайын. Һеҙҙән тейешле аҙымдар яһау ғына талап ителә. https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/mahsus/yondo-nam-5-11-oktyabr/ Яңылыҡ авторы: Өмөтбай фото т.роза Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Afrikaans Azərbaycan Dili Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türkçe isiXhosa Íslenska Čeština Ελληνικά Башҡортса‎ Беларуская Мова Български Македонски Јазик Русский Српски Українська Мова Қазақша עִבְרִית اَلْعَرَبِيَّةُ اُردُو فارسی नेपाली मराठी मानक हिन्दी বাংলা ਪੰਜਾਬੀ ગુજરાતી தமிழ் తెలుగు ಕನ್ನಡ සිංහල ไทย ລາວ မြန်မာ ქართული ენა አማርኛ ភាសាខ្មែរ ᠮᠣᠩᠭᠣᠯ ᠬᠡᠯᠡ ᮘᮞ ᮞᮥᮔ᮪ᮓ 日本語 繁體中文 ꦧꦱꦗꦮ westsluts.tv West Sluts westsluts.tv Ҡулланыусылар рейтингы Көнбайыш күҙәтеү шлюха Донъя яулау штурм Westworld ысынлап та, ул ҡасан булһа hbo телеканалы 2016 йылдың октябрендә сығарыла. Йәғни бер йылдан һуң ғына буласаҡ, сөнки "Көнбайыш шлюха" эшләй – рәсми булмаған порно-пародийный уйын, яҡын исеме менән бәйле. Мин тағы уйнарға был уйынды ләззәт юҡ, дөрөҫөн, тик яҡшы яңылыҡтар шунда, рецензия тип ҡуйҙы ул, һәм мин шул кеше, улар ентекләп анализлауға, шулай булғас, уның нимә тәҡдим итә ала. Йәки килтерелгән тауарҙар бөтә көтөп аҡланһа ла был уйындарҙа бармы? Артабан уҡыу, минең өсөн тулыһынса күҙәтеүгә алынған, һәм мин һеҙгә һөйләйем, тик был нисек тамамлауы менән! Беренсе тәьҫораттары тураһында көнбайыш шлюха Ул Побережье Sluts шәхси кабинеттары булған яҡшы, һәм мин яҙҙы ни булһа, шул тиклем тиҙ платформаға инә алмай һуң мин булып теркәлеүселәр. Иғтибар, һеҙҙең браузер үҙенең sluts побережье уйнарға мөмкин, әгәр теләһәгеҙ, ысынлап та, әммә кадрҙар йыш рөхсәт сикләнгән 30 секунд 720p һәм графикаһы – иҫ киткес түгел. Әммә быларҙы эшләү түгел, һайлай: ябай түгел, хәҙерге заманда юғары кимәлдәге уйын браузер ала башлағас, үҙенең буласак алырға файл exe. Яҡшы хәбәр еткере булып тора, йәғни, скачать әгәр һеҙҙең уйын теләй, ул бары тик 5 БӘЛӘБӘЙҘӘН, ә сервер МБ тиҙлек менән эшләп була 20 / с йәки унан күберәк – һәр хәлдә, бынан тыш, уны өлгөргән тип, мин скачать Sluts Побережье. Раят һәм графика Побережье Sluts Тәбиғи, йәғни, беҙгә был тәжрибә беҙгә побережье sluts тәнәфес яһай, - график дөйөм был сифаттар, йәғни, бында тәҡдим ителгән. Бында мин дөйөм эштәргә йәлеп итеү ҡеүәһе ярайһы иң визуаль ҡәнәғәт – улар, әлбиттә, белмәй, фантастика кеүек порноигра йыйҙы. Мин беләм, был названы яңғырай, әммә ҡала, улар һеҙҙең менән осрашасаҡ, тип планлаштырыла һәм аныҡ булырға һәм тематикаға шул уҡ невероятно, тип Westworld. Ысынлап та был ғәжәйеп - пародийный порноигра наткнуться на, оригиналь тышҡы күренеш уларға ла яҡшы исем тапшырҙы. Тураһында, һәм был да – бары тик фантастик секс. NPC булды, тиҫтәләрсә, бәлки, һеҙ уның трахнуть, ябай һәм ғәҙәти булған төрлө үтәгән һәм текә егеттәр булып эшләп һуң һеҙ был мөмкинлектән квест. Бигерәк тә һәйбәт булыр, сөнки уның билдәле бер вкладку на npc менән булған енси разблокировать ҡатнашты һуң сәхнәгә "медиа" төп менюла тимәк, был тәжрибә тағы бер ҡат ҡайта алманым һәм һәр ваҡыт һеҙҙе кисерер, әгәр һезгә тиҙ подрочивать. Көнбайыш тураһында һығымта шлюха Ситкә, бала– мин үҙемдең көнбайыш күҙәтеү тураһында шлюха тиерлек тамамлай. Мин уйлайым, һеҙ, моғайын, аңлай ала, тип уйната мине бик ҙур, сөнки бында килеп, тәҡдим һәм проект тулыһынса бөтә ине, кем эҙләй, ниндәй ҙә булһа яҡшы порно экшен уйын. Парта йыш осратырға мөмкин түгел, бындай кимәлдә башҡара ул, әммә әле – нән көнбайышҡа был шлюха яһаны. Сөнки бушлай теркәй, минең уйымса, булмаһа ла ауыҙ кешенең веб-баҫты. Ахыр сиктә һеҙҙең өсөн һайлай, әммә был түгел, тимәк, һеҙ яңылышмайһығыҙ алмай, Көнбайыш хәлдән ҡотолоу шлюха! Теләһә ниндәй осраҡта уҡыу өсөн рәхмәт: һеҙ компанияһы аңларлыҡ кеше булмай. Ә хәҙер дрочить башлаһа, һин, әҙәпһеҙ геймер.
Ҡыҙ ауылға ашҡына. Унынсы класты тамамлап, эштәрен бөтөргәс, әсәһенән ауылға ҡайтырға һорай башланы. Әсәһе риза. Тынсыу ҡалала йонсоп ятҡансы ауылда һөт эсеп, ҡаймаҡ ашап, бәлки, эләкһә, ҡымыҙ эсеп, ял итерһең, ти. Ә бына атаһы риза түгел. Былай атаһы ҡыҙын ярата, нимә һораһа, шуны алып бирә. Үҙенә бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ә әсәһен шым ғына игәй. Был юлы ла шулай булды. Гөлназдың әсәһе атаһына: – Ҡыҙыҡай ауылға йыйына, – тип әйтеүе булды, – Ҡулдан ысҡынасаҡ, әсәйем уны ҡарай алмаясаҡ, аҙаҡ мәшәҡәте күп буласаҡ, – тип ҡаршы төштө. Байтаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң шулай килештеләр: яуаплылыҡты әсә үҙ өҫтөнә ала. Автобусҡа ултыртып ебәргәндә лә ошо хаҡта ҡат-ҡат һөйләне. – Ауыл ҙур, унда егеттәр күп, берүк үҙеңде ҡарап йөрө, – тип үтенде ул ҡыҙынан. ҮҘЕҢДЕ МИҢӘ БҮЛӘК ИТ Хикәйә Беренсе бүлек Эшкә барғас, әхирәте Сафура нимәгәлер борсолоуына иғтибар итте. Гөлназдың әсәһе Миңлекамал: – Ҡыҙымды ауылға оҙаттым, шуның өсөн борсолам, – тип һөйләнде. Сафура, күпте күргән ҡатын, йылмайып ҡуйҙы ла: – Уның нимәһенә борсолаһың? Ҡыҙыңды өйрәт, төшөндөрөп бир, әгәр аңламаһа, үҙең һатып алып бир. – Нимәне? – Миңлекамал аптыранды. – Нимәне тип торасы. Ҡыҙың ваҡытынан алда әсәй булмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Миңлекамал туҙынды ла китте: – Һин ниңә минең ҡыҙым тураһында насар уйлайһың? – Уйламайым, – тине әхирәте. – Һин ысынбарлыҡтан алыҫ тораһың. Мин уны кисерҙем, һәм бер тапҡыр ғына түгел. Миңлекамал шымды, ысынлап та, әхирәте менән бәхәсләшеүе ҡыйын. Ул донъяны күргән ҡатын, белмәй һөйләмәйҙер. Ә “Мерседес” автобусы алға елдерә. Гөлназ тәҙрәнән йоҡомһорап битараф ҡына ҡарап бара ине, эргәһенә бер егет килеп ултырҙы. – Йүкәлегәме? – тине ул, Гөлназдың өҫтөнә ауа биреберәк. Үҙенән ауыр һыра еҫе борх итеп ҡалды. Гөлназ түҙмәне: – Йүкәлегә түгел, Имәнлегә. – Улайһа, танышайыҡ, мин Фәрғәт булам. Гөлназ өндәшмәне, тәҙрә яғына уҡ боролоп ултырҙы. Уның менән һөйләшергә теләмәйҙәр. – Ҡуй инде, инәлтеп ултырған була. Ике сәғәт тә үтмәне, автобус Йүкәлегә килеп инде һәм ҙур клуб алдында туҡтаны. Гөлназ тәгәрмәсле сумаҙанын шалтырлатып ергә баҫыуға, берәү уны ҡосаҡлап та алды. – Гөлназ! – тип ҡысҡырҙы береһе. Асия хатта күңелле итеп: – Мин хәҙер ҡалаға барып киләм. Ҡайтҡас та керермен. Гөлбикә инәйҙә булаһың бит инде? – Эйе. – Кискә клубҡа сығырбыҙ. Бөгөн бик шәп дискотека буласаҡ. Ул арала булмай автобус ҡуҙғалып та китте. Гөлназ өләсәһенең өйөнә ыңғайланы. Барып керһә, өләсәһе һөт үткәреп йөрөй: – Бына һиңә ҡаймаҡ, бына һиңә эремсек, оҡшамаһа, бына ҡатыҡ. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙың буй-һынын, фигураһын берәү ҙә уйлағаны юҡ, тултыралар ҙа тултыралар. Былтыр ҙа шулай булғайны, унан алдағы йылда ла. – Ауылда йәшәгәс, ныҡ ашарға кәрәк, – ти өләсәһе. – Эш күп, картуф утарға кәрәк, бесәнгә лә күп ҡалманы. Гөлназ уфтанып ҡуйҙы, әйтерһең, ул ауылға картуф утар йә бесән сабыр өсөн ҡайтҡан. – Юҡ инде, өләсәй, – тине ул ҡәтғи генә итеп. – Мин ҡыш буйы уҡып арыным, хәҙер миңә ял итергә, ун беренсе класҡа әҙерләнергә, берҙәм дәүләт имтихандарына ҡағылған предметтарҙы уҡырға кәрәк. Әсәйем миңә шундай талаптар ҡуйҙы. – Бәй-бәй, мин ҡаршы түгел, – тине өләсәһе, – картуфты мин үҙем дә күмә алам, бесәнде трактор саба. Илле меңеңде сығарып һалһаң, саба ла, йыя ла, килтереп тә өйә. Гөлназ артығын һөйләүенә төшөндө. Уға өләсәй менән мөнәсәбәтте боҙорға ярамай, сөнки уның яҙмышы өләсәйҙең ҡулында. Әсәһе бит ҡат-ҡат киҫәтте: әгәр Гөлназ самаһын юғалтһа, төндәрен һуң ҡайтһа, малай-шалай менән мауыҡһа, өләсәһен тыңламаһа, атаһына ошаҡлаясаҡ һәм ул шул көндә үк Гөлназды тейәп ҡалаға оҙатасаҡ. Ял итәм, дискотекаға йөрөйөм, малайҙар менән танышам, тип ҙур пландар менән ҡайтҡан Гөлназдың барлыҡ хыялдары юҡҡа сығасаҡ. Ул ғына ла түгел, Гөлназды ауылға әйҙәгән, уны төндәр буйы йоҡлатмай йонсотҡан, ниңә уны йәшереп торорға, күңел һалған егете лә бар бит әле. О-о, Фәрит!.. Былтыр ике аҙна ғына ниндәй күңелле итеп осрашып ҡалғайнылар. Армияға оҙатып ҡалды. Бер йылдан ҡайтам, тине. Һин мине көт, мәңге бергә булырбыҙ, тип өмөтләндерҙе. Фәрит һағынырға ваҡыт ҡалдырманы. Шылтыратышып, һөйләшеп торҙолар. Әллә ни алыҫ та түгел, Ырымбур эргәһендә генә хеҙмәт итте. Фәрит әллә нисә тапҡыр, өс-дүрт сәғәтлек кенә юл, бында үҙең кил, тип саҡырып та ҡараны. Булманы, бара алманы. Унынсы класта ғына уҡыған ҡыҙ нисек итеп, егетен күрәм тип, сығып китһен инде. Ә хәҙер Фәрит ауылда. Ҡайтҡан, хәрби кейемен алыштырған һәм Гөлназдың Йүкәлегә килеүен көтә. Әлегә ата-әсәһе Фәрит хаҡында белмәй. Әгәр белһә, ҡайҙан ебәрһен инде? Ә ҡыҙ егетте һағынған. Беренсе мөхәббәт, үҫмер һағыныуы. Хыялда ғына йөрөткән бер ҡош балаһы һымаҡ, күңелде иретерлек, хискә күмелерлек тәүге бер ҡатлы кисерештәр. Юҡ, Гөлназ әле Фәритте белмәй. Бары тик ул егеттең ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап алыуы, ҡолағына йылы һүҙҙәр бышылдауы ғына оҡшай. Ә класташ ҡыҙҙар күбеһе хәҙер күптән инде өлкәндәр тормошо менән йәшәй. Йәшәп кенә ҡалмай, бер-береһенә маҡтаныша, киләсәк тураһында һөйләшә. Ана, Руфинаны мәктәпкә егете иномарка менән генә алып килә. Ә Кавказ егете булһа, нимәһе ҡурҡыныс? Улар ҙа кеше. Руфинанан тыш тағы бер әхирәте бар. Уныһы мәктәпте бөтөрә һалып кейәүгә сығыу хыялы менән яна. Гөлназ башҡалар эргәһендә ала ҡарға һымаҡ. Уларҙы тыңлап, ни аптыранырға, ни көнләшергә белмәй. Ауыҙ асып ҡына тора. Һуңғы ваҡыт ҡыҙыҡай бындай һөйләшеүҙәрҙән ҡаса башланы, сөнки тегеләр, тәжрибәлеләр, уларға бармаҡ төртөп күрһәтеп көлә. Ә былай төрлө кисәләргә саҡырғандары бар. Әсәһе менән атаһы тәртипте ҡаты ҡуйғас, ҡыҙыҡай үҙен күп кенә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан мәхрүм итергә мәжбүр. – Ҡабаланма, ҡыҙым, – тине әсәһе, – өлгөрөрһөң. Иң тәүҙә мәктәпте тамамларға, һөнәр алырға һәм башҡалар, һәм башҡалар. Тышҡы яҡта ҡапҡа асылған һайын, трактор үткән һайын Гөлназ урам яғына ҡолаҡ һала. Шылтыратырғамы икән? Юҡ, килешмәҫ. Үҙе килеп тапһын әле. Күренмәй, әллә оноттомо икән? Атаһының тракторы бар бит әле. Ә-ә, тимәк, бесәндә. Кискәрәк Асия ла килеп етте. Ул инде кейенгән, буянған. Бая автобус эргәһендәге һымаҡ сыр-сыу килеп, тағы ла ҡосаҡлап үпте. Былтырғы Асия түгел. Өлкәнәйеп киткән, етдиләнгән. – Һиңә нәмәлер булған һымаҡ, – тине Гөлназ, Асияның күҙҙәренә ҡарап. – Юҡсы, бер нәмә лә булманы, – тине Асия, үҙе күҙҙәрен ситкә йәшерҙе. – Минең егетем ҡайтты бит, – тине уңайһыҙланып ҡына. – Ҡалай шәп булған! Минеке лә ҡайтырға тейеш бит. Һинеке кем ул? – Былтыр күрҙең дә инде. Фәрит. – Фәрит!? – Эйе, Фәрит, – тине Асия һалҡын бөркөп торған тауыш менән. – Мин шулдыр тип уйлағайным да, – тине Гөлназ. – Беләм мин уны, һәйбәт егет. – Ә һин уны ҡайҙан беләһең? – тип һораны Асия. – Былтыр клубта таныштыҡ бит, дискотекала, – тине Гөлназ аҡланған һымаҡ. – Һин, әхирәт, мине шикләндерә башланың, – тине Асия. – Һине киҫәтеп ҡуям, уның эргәһендә күренһәң, бер яҡшылыҡ та көтмә. – Юҡ-юҡ, – тип тотлоҡто ҡунаҡ ҡыҙ. – Бөтәһе лә һин теләгәнсә буласаҡ. Дауамы бар. Автор:Р. ҒӘЛИМОВ. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Хөрмәтле уҡыусылар! Бына беҙҙең Халыҡ-ара китап бүләк итеу һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә үткәрелгән конкурсыбыҙға йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр билдәләнде. Еңеүселәргә популяр яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың автографы менән “Ҡыҙыҡ был тормош...” китабы һәм Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ. Беҙҙең приздарыбыҙ ошо уҡыусылар өлөшөнә төштө. Хөрмәтле уҡыусылар! Бына беҙҙең Халыҡ-ара китап бүләк итеу һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә үткәрелгән конкурсыбыҙға йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр билдәләнде. Еңеүселәргә популяр яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың автографы менән “Ҡыҙыҡ был тормош...” китабы һәм Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ. Беҙҙең приздарыбыҙ ошо уҡыусылар өлөшөнә төштө. Зарина Рәхимова Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, Нәркәс Басырова Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, Диана Шәйәхмәтова Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, Рәшит Ходжаколов Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, Азалия Әминова Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, Фаягөл Әхтәмова Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, Гүзәлиә Сәйфуллина Белорет районының Шығай ауылының 6 синыф уҡыусыһы. Ҡатнашыусылар аҙ булыу сәбәпле, бөтәһен дә еңеүсе иттек! “Аманат” журналы мөхәрририәте. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Нурия Абдуллина: Тормошомдоң бушлыҡҡа әйләнгән һуңғы йылдарында бәләкәй генә ҡыуаныслы ваҡиға булды – балаларым Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмына алып барҙы... -21 °С Болотло ВкОкАнтитеррорТelegramГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ Бөтә яңылыҡтар Йәмғиәт 20 Сентябрь 2019, 13:09 Нурия Абдуллина: Тормошомдоң бушлыҡҡа әйләнгән һуңғы йылдарында бәләкәй генә ҡыуаныслы ваҡиға булды – балаларым Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмына алып барҙы... "Родина" кинотеатрында туғандарым – үргендәр ҡаршы алды... Яратҡан йырсыбыҙ, композитор Нурия Абдуллинаның яман шеш ауырыуынан яфаланыуы барыбыҙға ла билдәле. "Хәлем тотороҡло, ҡәнәғәтләнерлек, – ти ул "Бәйләнештә" төркөмөндә. – Тормошомдоң бушлыҡҡа әйләнгән һуңғы йылдарында бәләкәй генә ҡыуаныслы ваҡиға булды – балаларым Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмына алып барҙы. Бының өсөн режиссерға һәм бөтә ижади төркөмгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Көнләшеү, хыянат итеү кеүек күренештәр булмаһа, фажиғәләр аҙыраҡ һәм халыҡ күпкә бәхетлерәк булыр ине... "Родина" кинотеатрында туғандарым – үргендәр ҡаршы алды. Осрашыуға бөтәбеҙ ҙә шат булдыҡ. Әлбиттә, миңә былай йөрөргә ярамай, шулай ҙа бөтәһе лә яҡшы булыр тип ышанам". Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 БАШҠОРТ ШӘЖӘРӘЛӘРЕ ЛӘ ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ МИЛЛИ БРЕНДЫ УЛ + - Башҡорттар өсөн ырыу шәжәрәләре иҫ китмәле абруйлы тарихи мираҫ булып тора. Һуңғы осорҙа иһә нәҫел-нәсәп, ғаилә шәжәрәләренә ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта бара. Ошоға бәйле байтаҡ ҡына һорауҙар ҙа килеп тыуа. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ниязбай Булатбай улы СӘЛИМОВ менән шәжәрәләр темаһы буйынса уҙғарған әңгәмәне уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. Халҡыбыҙ, ырыуҙарыбыҙ тарихы менән бер рәттән, һәр кемебеҙҙең нәҫел-нәсәп, ғаилә тарихы ла бар. Ул, асылда, шәжәрәлә сағылыш таба. Был һүҙ ғилми әҙәбиәттә генеалогия тип атала. Халҡыбыҙ йылъяҙмаһына ҡағылышлы байтаҡ мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһының Милли архивы фондтарында һаҡлана. Үҙеңдең ата-бабаларың хаҡында элегерәк билдәле булмаған мәғлүмәттәр таба алыу һәр кемгә лә мөһимдер ул. Ошо хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ? - Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә үҙеңдең тарихи тамырҙарың менән ҡыҙыҡһыныу, нәҫел ептәрен барларға ынтылыш артҡандан-арта бара. Мәктәп йәшендәге балаларҙан алып хаҡлы ялға сыҡҡан оло йәштәгеләргә тиклемге төрлө быуын кешеләре ошо юҫыҡта эҙләнеүҙәр менән мәшғүл. Бигерәк тә пенсия йәшендәгеләр был эш менән ихлас шөғөлләнә. Күрәһең, олоғая барған һайын, буш ваҡыт та күбәйгәс, үҙ ырыуыңдың, ауылыңдың тарихи тамырҙарын өйрәнеүгә иғтибар арта баралыр. Ә бына Совет осоронда революцияға тиклемге халыҡ тарихы һанға һуғылманы, ошо арҡала 70 йылға һуҙылған бушлыҡ барлыҡҡа килде. Хатта ки халыҡ тарихы сағылышының бер мөһим өлгөһө булған шәжәрә һүҙе лә ғәмәлдә онотолоуға дусар ителгәйне. Әммә уға ҡарата иғтибар уҙған быуаттың 70-се йылдарында ғилми тикшеренеүҙәр аша тергеҙелә башланы. Академик Раил Ғүмәр улы Кузеев тәү башлап башҡорт шәжәрәләрен тарихи сығанаҡ сифатында өйрәнеүгә юл асһа, минең ғилми етәксем, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова элекке ғәрәп яҙмалы документаль сығанаҡтарҙы ғилми яҡтан тикшереү йүнәлешендә күп эштәр башҡарҙы. Тап ошо сығанаҡтар аша халҡыбыҙҙың тарихи йәшәү рәүеше, ижтимағи, сәйәси һәм матди хәл-торошо хаҡында байтаҡ мәғлүмәттәр асыҡланды. Бына, мәҫәлән, башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә ҡушылыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр тап шәжәрәләрҙе өйрәнеү барышында билдәле булды. Мин шәхсән ошо ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған шәжәрәләрҙе, мәшһүр "Урал батыр" эпосы кеүек үк, киләсәк быуындарға ҡалдырылған тарихи код тип күҙаллайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө тарихи катаклизмдар һөҙөмтәһендә, шулай уҡ совет осоронда алып барылған сәйәсәт йоғонтоһонда күп боронғо китаптар менән бергә яҙма шәжәрәләр ҙә юҡ ителеп, уларҙың бик аҙы ғына һаҡланып ҡалған. Тарихи шәжәрәләр яҙмышы шулай. Ә бына шәхси, нәҫел-нәсәп шәжәрәләрен тергеҙеп буламы һуң? - Әлбиттә, була. Иң тәүҙә ата-бабалар хаҡында телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырыла килгән мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Әммә был ғына бик аҙ, бында ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, үҙгәртелгән, хроникаһы бутап бирелгән мәғлүмәттәрҙең булыу ихтималлығын оноторға ярамай. Ысын шәжәрәне бары тик документаль нигеҙҙә, архивтарҙа һаҡланған сығанаҡтарға таянып ҡына тергеҙергә мөмкин. Тап ошо рәсми документтар нигеҙендә ике-өс быуат элгәре йәшәгән ата-бабаларыбыҙ хаҡында мәғлүмәт туплап була. Батша Рәсәйендә лә халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары даими ойошторолоп килгән, шуның һөҙөмтәһендә "Ревизские сказки" тип аталған материалдар тупланған. Әлбиттә, бында "сказки" һүҙе әкиәтте аңлатмай, ул һәр кеше һәм уның ғаиләһе хаҡында яҙып алынған мәғлүмәтте белдерә. Ошондай мәғлүмәттәр махсус ебәрелгән переписчиктар тарафынан яҙып алынып, йорт старшиналарының имзаһы һәм мисәте менән раҫлана. Бөгөнгө көндә Милли архивта XVIII быуат аҙағынан XIX быуат урталарына тиклемге иҫәп алыу материалдары һаҡлана. Һуңғы йылдарҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәр архивҡа килеп, ошо документтарҙы өйрәнә, үҙҙәренә кәрәген күсереп ала ине. Әммә боронғо яҙмаларҙы үҙ эсенә алған ҡалын кенәгәләр йыш ҡулланыу һөҙөмтәһендә әкренләп туҙа башланы. Тап шуның өсөн дә һуңғы йылдарҙа уларҙың электрон күсермәләрен эшләтеүгә иғтибарҙы көсәйттек. Әйтергә кәрәк, беҙ Рәсәйҙә беренселәрҙән булып тарихи документаль сығанаҡтарҙы цифрлаштырып, үҙебеҙҙең электрон архивты булдырҙыҡ. Бындай материалдар менән ҡыҙыҡһыныусыларға бына нимәгә иғтибар итеүҙәрен теләр инем. Алдараҡ һүҙ барған ревизия, йәғни халыҡ иҫәбен алыу материалдарының бер өлөшө Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы сайтына (archives.RB@bashkortostan.ru) ҡуйылды. Ошо сайтта "Шәжәрә" бүлеге булдырылған, байтаҡ мәғлүмәтте тап шунан алырға була. Бында һәр кемебеҙгә аңлайышлы булған кимәлдә шәжәрә төҙөү методикаһы ла тәфсирләп аңлатылып бирелгән, төҙөлгән шәжәрәләрҙең үрнәк-өлгөләре лә бар. Әгәр ошо материалдарҙы иғтибарлап ҡарап сыҡһаң, артабан үҙеңдең ата-бабаларың хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе юллай башларға була. Шәжәрә төҙөү өсөн тағы ла бер ҡиммәтле тарихи сығанаҡты ҡулланырға мөмкин. 1917 йылда Ваҡытлы Хөкүмәт тарафынан Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу сараһы ойошторола, беҙҙең архивта уның материалдары һаҡланып ҡалған. 2019 йылдың декабрендә ошо материалдарҙың электрон күсермәһен "Башархив" исемле проектҡа сығарҙыҡ: унда Өфө губернаһының 5 өйәҙенә ҡараған ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең хужалыҡтары (подворные карточки) буйынса бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була. "Башархив.ру" сайтына инеп, ошо материалдар менән һәр кем таныша ала. Улар боронғо дәүерҙә йәшәгән олатайҙарҙы асыҡлауҙа үҙенә күрә бер "күпер" ролен үтәйәсәк. 1917 йылғы ауыл хужалығы һәм ер биләмәләре буйынса иҫәп алыу мәғлүмәттәре элегерәк зиһенебеҙгә ҡат-ҡат туҡып индерелгән бер стереотипты юҡҡа сығарған кеүек тойола: йәнәһе, революцияға тиклем башҡорттар үтә ярлы йәшәгән, наҙан булған һ.б. Ә ошо материалдарҙы ентекләп ҡарай башлаһаң, бының киреһе күренә: ябай аҫаба башҡорттоң да бер нисә десятина ере булған, бер нисә тиҫтә йылҡы, һыйыр малы, кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫраған, хатта умарталар тотҡан - ундай ғаиләне нисек итеп фәҡир тип әйтмәк кәрәк. Тарихи документтарҙа ауылдарҙағы мәсеттәр, уларҙа хеҙмәт иткән уҡымышлы мулла-мәзиндәр, ауыл мәҙрәсәләре хаҡында ла мәғлүмәттәр һаҡланған. Шул уҡ мәсеттәрҙә булдырылған метрика кенәгәләре айырым кешеләр хаҡында даими теркәлә барған яҙмаларҙан ғибәрәт. Әлбиттә, уларҙа ғәрәп графикаһы ҡулланылғанлыҡтан, бындай мәғлүмәтте уҡый алған белгестәр кәрәк. Әммә тап ошо метрика ҡағыҙҙарынан иң һуңғы ревизиянан (1859 йылдан аҙаҡ) һуң тыуған кешеләрҙең исем-шәрифтәрен, тыуған һәм үлгән йылдарын билдәләп була. Кемдеңдер ошондай мәғлүмәткә эйә булыу теләге бар икән, Карл Маркс урамындағы 4-се йортта урынлашҡан Милли архивҡа мөрәжәғәт итә ала. Нәҫел тамырҙары, ырыу тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың көндән-көн арта барыуын иҫәпкә алып, өс йыл элек Шәжәрә үҙәге булдырҙыҡ. Унда боронғо ғәрәп яҙмаһын яҡшы белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Әлбиттә, бындай эҙләнеү эшен бесән эҫкертенән энә эҙләүгә тиңләп булалыр - һәр мөрәжәғәт буйынса оҙайлы, ентекле тикшеренеүҙәр алып барыу талап ителә. Шуны ла әйтеү фарыздыр: был хеҙмәт түләүле, шәжәрә эшләтеү һәм нәҫел-нәсәп тураһында мәғлүмәттәр туплау хаҡы 20 - 25 мең һум самаһы. Ошоға ҡарамаҫтан, үҙ шәжәрәләрен төҙөтөргә теләүселәр бик күп, заказдар буйынса сират ике-өс айға тиклем барып етә. Былтыр беҙҙең белгестәр 70-тән ашыу заказды үтәй алды. Бында йәнә бер нәмәгә иғтибар итеү мөһим: исем-шәрифтәрҙән хасил булған шәжәрә схемаһын (А3 форматында) күрһәткән мәғлүмәт менән генә сикләнмәйенсә, беҙ ошо нәҫелгә ҡараған кешеләр хаҡында табылған барса мәғлүмәтте эсенә алған портфолио эшләп бирәбеҙ. Бында улар хаҡындағы төрлө белешмәләр, награда ҡағыҙҙары, ниндәй орден-миҙалдарға лайыҡ булыуҙары хаҡында һәм башҡа төрлө документтарҙың күсермәләре ҡуйыла. Ата-бабалары, яҡын туғандары хаҡында артыҡ мәғлүмәтле булмаған кешеләр яңы табылған документтар нигеҙендә үҙҙәренә ниндәйҙер асыш та яһай. Ә артабан ошо ерлектә һәр кем үҙ шәжәрәһен ҙурыраҡ форматта ла эшләтә алырға мөмкин. Ниязбай Булатбай улы, шәжәрә төҙөтөү өсөн үҙ нәҫелең хаҡында ниндәй мәғлүмәттәр билдәле булырға тейеш? - Беҙҙең белгестәр ярҙамында үҙ шәжәрәгеҙҙе төҙөтөргә ниәтләйһегеҙ икән, алдараҡ әйтелгән адрес буйынса килеп, ғариза тултырырға кәрәк. Унда атай яғынан да, әсәй яғынан да (мөрәжәғәт итеүсенән башлап) яҡын туғандарығыҙ хаҡында үҙегеҙгә билдәле булған барса мәғлүмәт мөмкин тиклем тулыраҡ итеп яҙып бирелергә тейеш. Исем-шәрифтәре тулыһынса, ҡатын-ҡыҙҙың кейәүгә сыҡмаҫтан алда булған фамилияһы, тыуған (үлгән) йылдары, тыуған, йәшәгән урындары - ауылдарының, райондарының исемдәре, олоҫ, өйәҙ һәм губерна атамалары (билдәле булған хәлдә) һ.б. - барыһы ла кәрәк. Был мәғлүмәттәр беҙҙең белгестәргә заказды үтәүҙе тиҙ арала атҡарып сығырға ярҙам итәсәк. Йәнә бына нимәгә иғтибар итергә кәрәктер: шәжәрәләр элек-электән ир-ат линияһы буйынса ғына төҙөлөп килгән, бының, әлбиттә, етди сәбәбе лә булған: аҫабалыҡ хоҡуғына ярашлы, әүәл ир балалар ғына ер биләмәһенә эйә була алған. Ҡыҫҡаһы, ул дәүерҙә шәжәрә ысынбарлыҡта документ ролен үтәгән - ғаиләлә малай тыуған осраҡта, ул бишектә ятҡанда уҡ ергә эйә булған. Беҙ инде XXI быуатта йәшәйбеҙ. Бөгөнгө шарттарҙа, минеңсә, һәр нәҫелдең шәжәрәһе ике яҡлы - атай яғынан да, әсәй яғынан да - булған туған-тыумасаны үҙ эсенә алырға тейеш. Бында тағы ла бер нескәлек бар: әгәр шәжәрә тулы түгел икән, тимәк, ике яҡтан да ете быуынға тиклем туғанлыҡ ептәре билдәле булмай. Бер кемгә лә сер түгел: туған-тыумаса менән аралашып йәшәмәү сәбәпле, йәштәр араһында бигүк алыҫ булмаған туғандарҙың никахҡа инеү осраҡтары бар. Ә бындай никахтарҙың генетик яҡтан нәҫел сәләмәтлегенә зыянлы булыуы һәр кемгә мәғлүм. Ғөмүмән, башҡорттарҙа өйләнешкәндә кейәү һәм кәләштең төрлө ырыуҙан булыуы күп быуаттар буйына яҙылмаған бер ҡанун рәүешендә ҡабул ителгән. Халҡыбыҙҙағы "ете ят" төшөнсәһе тап шул нигеҙҙә хасил булған да инде - ете быуын туғанлыҡтан уҙған егет һәм ҡыҙға ғына өйләнешеү рөхсәт ителгән. Ә төрлө ырыу вәкилдәре араһында башҡарылған никахлашыуҙың бер үк ваҡытта дөйөм башҡорт халҡының берҙәмлеген нығытыу өсөн бик һөҙөмтәле механизм булыуын да инҡар итеү мөмкин түгел. Быйыл, мәғлүм булыуынса, илебеҙҙә сираттағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы була. Ошо мөһим ваҡиға ла үҙ тамырҙарын барларға теләүселәрҙе арыу ғына ҡужғытып ебәргәндер, моғайын? - Нәҡ шулай! Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондары, Татарстан һәм башҡа төбәк халҡының бер өлөшөн милләт мәсьәләһе лә ҡыҙыҡһындыра. 1917 йылға тиклем уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу сараларында һәр кем үҙ милләтен асыҡтан-асыҡ әйтеп яҙҙырған, ул дәүерҙә бер ниндәй ҙә сәйәси баҫым булмаған. Бөгөн шуныһы ҡыҙыҡ: үҙен башҡа милләт вәкиле тип һанап йөрөгән кешеләр, шәжәрәләрен төплө өйрәнеп, ата-бабаларының саф башҡорт икәненә инана. Был йәһәттән бик күп миҫалдар килтерергә мөмкин булыр ине. Үҙ шәжәрәһен булдырыу теләге һәр башҡорт ғаиләһендә лә барҙыр. Шул уҡ ваҡытта, бының өсөн үҙ мөмкинлегең юҡ йәки интернет менән эш итә белмәйһең икән, белгестәргә мөрәжәғәт итергә тура килә. Үҙегеҙ әйтеүегеҙсә, ғаилә шәжәрәләрен эшләтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта бара. Халыҡ ихтыяжын үтәү өсөн Милли архив тағы ниндәй саралар күрә? - Республика етәкселеге һуңғы йылдарҙа архив хеҙмәте хаҡында оло хәстәрлек күрә. Боронғо документтарҙы һаҡлау өсөн Хөкүмәтебеҙ Милли архивҡа Гоголь урамында буш торған бинаны һатып алып бирҙе, бер нисә бинала капиталь ремонт уҙғарылды. Юғары тиҙлектә эшләгән өр-яңы ҡеүәтле сканерҙарыбыҙ, заманса компьютерҙарыбыҙ бар. Архив документтарының, атап әйткәндә, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренең электрон күсермәләрен эшләп, улар менән цифрлы форматта таныша алырлыҡ мөмкинлек булдырыуға ирештек. Ул яҙмаларҙы өйрәнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған махсус уҡыу залыбыҙ бар. Бында һәр кеше үҙен ҡыҙыҡһындырған документтарҙы ҡарай ала, ә белгестәребеҙ тейешле консультация бирә. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙгә мөрәжәғәт иткән кеше, уҡыу залында бер нисә көн шөғөлләнеп, ғаилә шәжәрәһен үҙе лә төҙөй ала. Белеүебеҙсә, Милли архив уҡыусылар һәм йәштәр араһында төрлө ижади бәйгеләр ҙә ойоштора... - Эйе, шәжәрәләр аша йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, халҡыбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы ғилми тикшеренеүгә йәлеп итеү маҡсатында 2017 йылдан алып өлкән класс уҡыусылары, студенттар һәм 30 йәшкә тиклемге йәш кешеләр араһында генеалогик тикшеренеү эштәре буйынса асыҡ конкурс уҙғарабыҙ. Быйылғы өсөнсө ижади бәйге Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 75 йыл тулыуға арналды, конкурс "Беҙ - Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары" тип атала. Мотлаҡ талаптар - һуғышта ҡатнашҡан олатайҙар һәм тылда тир түккән өләсәйҙәр тураһындағы ғилми хеҙмәтте архив документтарына таянып эшләү һәм уларҙың шәжәрәһен әҙерләү. Конкурс эштәрен 10 мартҡа тиклем ҡабул иттек. Ижади бәйгегә йомғаҡ апрель урталарында яһаласаҡ, лауреаттарҙы ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар көтә, бынан тыш, һәр ҡатнашыусыға сертификат биреләсәк. Әңгәмәбеҙ аҙағында милләттәштәребеҙгә, айырыуса йәштәргә мөрәжәғәт итеп, бына нимә әйтер инем. Хәҙерге көндә башҡорт ҡурайы, башҡорт балы, башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙы кеүек милли брендтарыбыҙ бар. Рәсәйҙә шәжәрә төшөнсәһен башҡорттарҙан башҡа милли символ кимәленә күтәргән бер халыҡ та юҡ әле. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп, халҡыбыҙ паспортына бәрәбәр башҡорт шәжәрәләрен дә милли бренд сифатында ҡулланыуға өлгәшәйек. Ошо йәһәттән төп маҡсатыбыҙ ҙа шулай булырға тейештер: һәр башҡорт ғаиләһе үҙ шәжәрәһен булдырһын! Бәҙри ӘХМӘТОВ. КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 03.04.20 | Ҡаралған: 451 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
“Йыл һөнәрмәне” конкурсы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бер секторы булған креатив индустрияның үҫешенә һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Уны республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрә. Конкурста бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр һәм физик шәхестәр ҡатнаша ала. Ғаризаны 2 декабргә тиклем [email protected] электрон почтаһы аша ебәрергә мөмкин. Сара дүрт этаптан тора. Беренсеһендә конкурс эштәренең фотоһүрәттәрен һәм ғаризаны ебәрергә кәрәк. Һайлап алынып, финалға үткәндәргә эштәрҙең нөсхәһен ебәреү талап ителәсәк. “Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсының төп номинациялары: Керамика менән эшләгән иң яҡшы оҫта; металл менән художестволы эшләгән иң яҡшы оҫта; ҡораманы ҡулдан йәки машина менән тегеү буйынса иң шәп оҫта; халыҡ костюмын һәм этнографик өлгөләргә ярашлы уның элементтарын әҙерләү буйынса иң шәп оҫта; автор ҡурсағын һәм йомшаҡ уйынсыҡты әҙерләү буйынса иң шәп оҫта; ағасты художестволы семәрләү буйынса иң шәп оҫта; Башҡортостандың авторлыҡ сувенирын иң шәп эшләүсе-дизайнер; иң шәп кейеҙ оҫтаһы. “Йыл һөнәрмәне-2020” конкурсының һөҙөмтәләрен билдәләү һәм еңеүселәрҙе ҡотлау 10-12 декабрҙә үткәреләсәк. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 224-99-99 и 246-41-36. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: ok.ru Автор: Айһылыу Низамова https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/2-dekabrg-tiklem-lg-r-p-ali-i-554831/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Түркийидики нопузлуқ гезитләрдин бири болған җумһурийәт гезити билән түркийә дөләт бихәтәрлики истратегийә тәтқиқат мәркизи бирликтә чиқириватқан истратегийә тәтқиқат жорнилиниң бу һәптидики санида "русийидин оттура асия бирликигә зәрбә" намлиқ мақалә елан қилинған. Түркийә дөләт бихәтәрлики истратегийә тәтқиқат мәркизи мутәхәссиси анар сомунчуогли ханим язған бу мақалида, сабиқ совет иттипақиниң әйни вақиттики тәсирини йоқитип қойған русийиниң, башқа күчләрниң бу районға тәсир көрситишигә қарши елип бериватқан паалийәтлириниң давам қиливатқанлиқи язған вә америка билән русийиниң оттурисидики район характерлик риқабәтниң оттура асия җумһурийәтлири техиму хәтәрлик басқучқа елип кәлгәнликини, чәтәл әскири күчлириниң бу дөләтләрдә мәвҗут болушиниң буниң дәлили икәнликини оттуриға қойған. Бу мунасивәт билән түркийидики ихтияри мухбиримиз әркин тарим мәзкур мақалиниң аптори анар сомунчуогли ханимни зиярәт қилди. © 2005 Radio Free Asia Мунасивәтлик мақалилар Мустәқил дөләтләр бирлики қуруқ рамкиға айланди Түркийә мутәхәссислириниң қирғизистан һәққидики қарашлири Мустәқил дөләтләр һәмдостлуқи парчилинишқа қарап йүзләнмәктә Түркмәнистан мустәқил дөләтләр һәмдостлуқидин чиқип кәтти Америка оттура асиядики қошунлирини елип чиқип кетәмду? Көп көрүлгән хәвәрләр RFA Үрүмчидики от апитидә қаза қилған қәмәрнисахан абдураһман аилисниң паҗиәси “уйғур сиясити қанун лайиһәси” мутләқ үстүн аваз билән мақулланди Б д т аз санлиқ милләтләр мәсилиси мунбирида уйғур мәсилиси кәскин риқабәткә сәвәб болди Қатарда өткүзүливатқан дуня путбол мусабиқисидә уйғур ирқий қирғинчилиқни тонуштурған уйғур оғлани Җәнубий австралийә парламенти д у қ һәйитигә бир қатар вәдиләрни бәргән Пикир қошуң Радиониң ишлитиш шәртлиригә асасән, пикирлириңиз тәкшүргүчиләр тәрипидин тәстиқлиниши вә мувапиқ дәриҗидә тәһрирлиниши түпәйли, тор бәттә дәрһал пәйда болмайду. Сиз қалдурған мәзмунға әркин асия радиоси җавабкар болмайду. Башқиларниң көз қариши вә һәқиқәткә һөрмәт қилишиңизни сораймиз.
Сара тәүгә үҙ тарихында тамашасаһыҙ үтәсәк. Унда хатта журналистарҙы ла индермәйәсәктәр. Церемонияға Греция Президенты ла булмай тиелә. Әйтеүҙәренсә, унда уйын ойоштороусыларҙан әҙерәк вәкил буласаҡ һәм дә ут биреүселәрҙән бер ике кеше. Театрлаштырылған сарала ла ҡатнашыусыларҙы ҡыҫҡартып, ут эстафетаһы стадион эсендә генә буласаҡ. Эстафетала ҡатнашырға тейеш булған Японияның билдәле спортсылары ла саранан баш тартып, Грецияға килмәй. Олимпия уты айырым рейс менән иртәгә Японияға барын етәсәк. Әгәр быйыл буласаҡ Олимпия уйындарын да кисектәрмәһәләр, ул Токиола 24 июлдән 9 августҡа тиклем уҙырға тейеш. Фото:ТАСС Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
2227 Мырҙа ауылында ты­уып үҫеп, әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Шәм­­сетдинова Гөлфинә Рәфил ҡыҙын тыуған кө­нө – 30 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Яҡыны­быҙ­ға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ. Киләсәктә лә барыбыҙҙы ҡыуан­ды­рып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, дуҫ-туғанға әлегеләй яҡты йөҙлө, иғтибарлы булып, ғаиләбеҙ именлегендә, кейәүебеҙ Илнур һәм улдарың менән ғүмер кисерергә яҙһын. Гел шулай изге күңелле, ихлас, матур булып ҡал. Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын, Тыныс булһын кисең, көндәрең. Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә Бағышлаһын ине көйҙәрен. Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар Изгелектәр булып ҡайтһындар. Тыуыр таңдар алып килһен һиңә Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар. Иң изге теләктәр менән әсәйең, атайың, ағайҙарың, апайҙарың, еҙнәләрең һәм барлыҡ туғандарың. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә күренекле прозаик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың "Әҫәрҙәр"енең V томы нәшер ителде. Был баҫмаға "Бөйрәкәй" пенталогияһының бишенсе "Ҡояшлы бурандар" китабы, хикәйәләре, драмалары, очерктары, мәҡәләләре, әңгәмәләре тупланды. Таңсулпан Ғарипова әҫәрҙәрендә изгелеккә, яҡты киләсәккә өмөт ярылып ята. Геройҙары ниндәй генә хәлдәрҙә лә оптимистик рухлы булыуы, алдағы тормошто сағыу төҫтәрҙә күрә белеүе менән үҙенә тарта. Ауыр яҙмышлы кешеләр иң киҫкен мәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай, тормоштоң көрәш икәнлеген бөтә тәрәнлегендә аңлап, алға табан ынтыла. Мауыҡтырғыс әҫәрҙәр менән танышҡанда хәл-ваҡиғаларҙы үҙең кисергәндәй булаһың. Геройҙарҙың халыҡсанлығы әҫәрҙәге тормош менән йәшәтә. Үҙең дә һиҙмәйенсә улар менән бергә борсолаһың, уйланаһың, килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙан сығыу юлын эҙләйһең. Популяр авторҙың ошо китабын алып уҡыу бәхетенә ирешегеҙ, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ! Замандашыбыҙҙың әлеге баҫмаһы беҙҙең магазинда. Сайт аша заказ биреп алдырырға мөмкин. 28.07.2021 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
Халыҡ араһында терроризмға ҡаршы иғтибарҙы арттырыу, террор хәүефен һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр янағанда нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыу маҡсатында, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарығыҙға республика хоҡуҡ һаҡлау органдарының бәйләнеш һәм ышаныс телефондары тураһында мәғлүмәт еткерәбеҙ. Һәр ваҡыт уяу булырға. Таныш булмаған кешеләр, уларҙың үҙ-үҙәрен дөрөҫ тотмау күренешен күрһәгеҙ ата-әсәләргә, уҡытыусыларға, тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ. Хәүефте ваҡытында һиҙеп, кисекмәҫтән сара күреү үҙеңдең һәм тирә-яҡтағы халыҡтың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер. Йортоңда, подъезда таныш булмаған кешеләр йөрөүен, күрше фатирҙа ваҡытлыса йәшәгән шикле ир-аттар, урамда, мәктәптә, уйын майҙансыҡтары янында сәйер әҙәмдәрҙе күрһәгеҙ, ташлап кителгән автомобиль ултырһа, хужаһыҙ йәшник, сумка йә иһә башҡа хәүефле әйбер ятһа, шунда уҡ полиция участка уполномоченныйына, полиция пунктына, үҙ микрорайоның, ауылыңдағы вазифалы кешегә хәбәр итергә кәрәк. Бик булмаһа, ошо мәғлүмәт хаҡында күршеләреңә, туғандарыңа, таныштарыңа һөйләргә мөмкин. Террористик акт башҡарылған осракта, һеҙгә зыян килмәһә, башҡаларға ярҙам итергә тырышығыҙ. Илдә, бөтә донъяла арабыҙҙа уҫал ниәтле кешеләр һаны йылдан-йыл арта бара. Уларҙың насар ғәмәлдәре арҡаһында бер ғәйепһеҙҙәр, бәхетһеҙлек осраҡтарына дусар булып, шатҡай зыян күрә, шул ваҡытта ҡайһы берҙәренең сәләмәтлегенә зыян килә, хатта ғүмерҙәре лә өҙөлә. Хәүеф тураһында берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә кеҫә телефонынан "112" номеры аша хәбәр итергә була. *** Террорға ҡаршы комиссия - 8 (347) 233-44-55. РФ Федераль имелек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы- 8 (347) 251-21-11. БР буйынса Эске эштәр министрлығы - 8 (347) 128, кеҫә телефонынан – 128. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы – 8 (347) 233-99-99. Берҙәм номер буйынса ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу – 112. Янғын хеҙмәте, берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте – 01, 2-23-80 (беҙҙең район буйынса), кеҫә телефонынан – 010. Полиция – 02, 2-20-80, кеҫә телефонынан – 020. Ашығыс ярҙам – 03, 2-23-80, кеҫә телефонынан – 030. Район газ хеҙмәтенең диспетчерлыҡ бүлеге – 04, 2-24-70, кеҫә телефонынан – 040. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Республика аграрийҙары Мәскәүҙә үткән «Алтын көҙ-2011» күргәҙмәһенән ике Гран-при алып ҡайтты. Рәсәй агросәнәғәт форумының юғары наградаһына күргәҙмәне үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Башҡортостан Хөкүмәте лайыҡ булды. Йәнә бер Гран-прины күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге алды. Был предприятие 111 миҙал яулаған. Башҡортостан аграрийҙары һандығында йәмғеһе 449 миҙал бар: 277 – алтын, 105 – көмөш һәм 67 – бронза. «Алтын көҙ-2011» ХIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә донъяның 32 иленән 2500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан. Рәсәйҙән 58 төбәк сығыш яһаған, экспозицияның дөйөм майҙаны 90 000 квадрат метр тәшкил иткән. Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев етәкселегендәге республика делегацияһы иң-иңдәр рәтендә булған. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика күргәҙмәлә берҙәм стенд менән тәҡдим ителгән. Был юлы үҙенең продукцияһы менән 81 предприятие таныштырған. Конкурс программаһында республика агросәнәғәт комплексының яҡынса 130 предприятиеһы ҡатнашҡан. Күргәҙмәлә Башҡортостан экспозицияһында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник булған. Рәсми делегация етәкселәре һәм эшкәртеү предприятиелары вәкилдәре үҙҙәренең продукцияһы һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексының потенциалы тураһында ентекле һөйләгән. Партнерҙар һәм потенциаль инвесторҙар менән осрашыуҙар һәм эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Автор:Ғәлиә Нәбиева Теги:алтын көҙ-2011наградалар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Һуңғы ваҡытта ғына районда ике янғын осрағы булды. 10 февралдә ялҡындан бер баланың тәне бешә. Сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү. 12 февралдә Красноусол ауылының Чапаев урамында аҙбар янып китә. Бында электр ҡорамалын техник файҙаланыу ҡағиҙәһе боҙолған. Бала кешегә бөтә нәмә ҡыҙыҡ, ул һәр нәмәне тотоп, тикшереп ҡарап өйрәнә. Уларҙы айырыуса төрлө сағыу нәмәләр йәлеп итә. Ә ут – тап шундай ылыҡтырғыс нәмә булып тора ла инде. Айырыуса бала яңғыҙ ҡалғанда тыйылған нәмәләрҙе һынап ҡарағыһы килә. Ә инде бала хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күрелмәгән йортҡа бәлә көтмәгәндә килеүсән. Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге, балаларҙың ут менән уйнауына юл ҡуймау хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртке килә. Балалар ут менән уйнап янғын сығармаһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? - ут сыҡмаһын өсөн үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға икәнен балаларға аңлатығыҙ; - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтеү йәһәтенән үҙегеҙ һәр саҡ өлгө күрһәтегеҙ; - шырпыны балалар буйы етерлек ерҙә ҡалдырмағыҙ; - мейескә яғыуҙы, газ плитаһы тоҡандырыуҙы, электр приборҙарын ҡабыҙыуҙы балаларға ҡушмағыҙ; - балалар ут яҡмаһын өсөн ҡарап тороғоҙ; - өйҙән сыҡҡанда кескәй балаларҙы өлкәндәрҙән башҡа үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ; - баланың буш ваҡытын мауыҡтырғыс итеп ойоштороғоҙ. Баланы янғында дөрөҫ эш итеү ҡағиҙәләренә өйрәтегеҙ. Янғын күренгәндә йәки нимәлер янғаны тойолһа (төтөн сыҡһа, эргә-тирәлә температура күтәрелһә, көйгән еҫ сыҡһа һ.б.) балаларҙың кескәйе лә, өлкәне лә кисекмәҫтән бинанан сығырға тейеш. Янғын хаҡында өлкәндәргә йәки “112” берҙәм ҡотҡарыу номеры буйынса янғын һағына хәбәр итергә, тиҙ генә 01, 2-11-01 телефондары буйынса янғын һағына шылтыратырға кәрәк. Шуны ла белеү мөһим: кеҫә телефонынан янғын һағына 101 һаны менән шылтыратырға кәрәк. Балаларҙың был кәңәштәрҙе иҫтә ҡалдырыуы бик мөһим. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтергә уларҙы үҙ миҫалығыҙҙа өйрәтегеҙ. Балаларыбыҙҙы ныҡлы ҡурсалап ҡына уларҙың ут менән уйнауынан янғындар сыҡмауына өлгәшә, йорт-мөлкәтебеҙҙе, иң мөһиме – балаларыбыҙ ғүмерен һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Вадим ОТМАХОВ, янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
ӘСӘЙГӘ БҮЛӘК! #Аҡбуҙат #ӘсәкәйемҡәҙерлемФӘҮЗИӘ РӘХИМҒОЛОВАӘсәһенә бүләк итепСәлим ҡуян төшөргән. .... ӘСӘЙГӘ БҮЛӘК Әсәһенә бүләк итеп Сәлим ҡуян төшөргән. Гөлшат менән Зәйнәп икәү Тәмле күмәс бешергән. Әсәйем: “Балам, һин дә Миңә бүләк бирҙең, - ти, - Көнө буйы һүҙҙәремде Тыңлап ҡына йөрөнөң”, - ти. (Ф.Рәхимғолова) Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин “Тура бәйләнеш” ваҡытында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенә ҡаршы яңғыраған тәнҡит һүҙҙәренә аңлатма биреп, 90-сы йылдарҙы иҫкә төшөрҙө һәм фирҡәне яҡларлыҡ һүҙҙәр тапты. “Берҙәм Рәсәй” властҡа килгәнсе, социаль өлкә, шулай уҡ сәнәғәт һәм “оборонка” тулыһынса юҡҡа сыҡҡайны, – тине Президент, – хәрби көстәрҙе емерҙеләр, илде граждандар һуғышына – Кавказдағы ҡан ҡойошҡа, дәүләтте үҙаллылығын юғалтыу һәм тарҡалыу сигенә еткерҙеләр”. Рәсәй Президенты Владимир Путин “Тура бәйләнеш” ваҡытында “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенә ҡаршы яңғыраған тәнҡит һүҙҙәренә аңлатма биреп, 90-сы йылдарҙы иҫкә төшөрҙө һәм фирҡәне яҡларлыҡ һүҙҙәр тапты. “Берҙәм Рәсәй” властҡа килгәнсе, социаль өлкә, шулай уҡ сәнәғәт һәм “оборонка” тулыһынса юҡҡа сыҡҡайны, – тине Президент, – хәрби көстәрҙе емерҙеләр, илде граждандар һуғышына – Кавказдағы ҡан ҡойошҡа, дәүләтте үҙаллылығын юғалтыу һәм тарҡалыу сигенә еткерҙеләр”. Шул йылдарҙа ил башында торған кешеләрҙең бөтәһе лә ғәйепле түгел, ләкин уларҙың араһында хәл-ваҡиғалар өсөн яуап бирергә тейешле кешеләр ҙә бар. “Мин, ҡабатлайым, уларҙы банда тип атарға теләмәйем, ләкин был уларҙың эш һөҙөмтәһе”, – тине Президент 90-сы йылдар көрсөгөн иҫкә төшөрөп. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә 90-сы йылдарҙағы мәхшәрҙе иҫкә төшөрәйек. Ярты йылға тиклем һуңлаған эш хаҡы һәм пенсиялар, аҡсаһыҙлыҡ һәм хәйерселек. Беҙ бөтәһен дә күрҙек. Хәҙер булғанына шөкөр итәйек. #ВладимирПутин. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Башҡортостанда хөкүмәт кәңәшмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығына арналған Еңеү көнөн байрам иткәндә ниндәй хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген иғлан иттеләр. Башҡортостанда хөкүмәт кәңәшмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығына арналған Еңеү көнөн байрам иткәндә ниндәй хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген иғлан иттеләр. Барлыҡ үҙенсәлектәр хаҡында республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев һөйләне: — сәскәләр һалғанда ҡатнашыусылар араһында 2 метрҙан ашыуыраҡ социаль дистанция һаҡланырға тейеш; — өлкән класс уҡыусыларын һәм студенттарҙы почетлы ҡарауылға баҫтырырға тәҡдим ителмәй; — байрам салюттарын халыҡ ҡатнашлығынан тыш үткәрергә; — акцияла ҡатнашыусыларҙы шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итергә; — ветерандарҙы сараларҙа ҡатнаштырмаҫҡа; — ветерандарҙы ҡотлағанда социаль дистанцияны һаҡларға; — бүләк йыйылмаһын йәки ҡотлау открыткаһын тапшырғанда туранан-тура бәйләнешкә инмәҫкә. Муниципалитет башлыҡтарын ошо хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәүҙәрен һоранылар. http://www.bashinform.ru/news/1447559-v-bashkirii-obyavili-kakie-usloviya-neobkhodimo-soblyudat-pri-prazdnovanii-dnya-pobedy/ Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Бөгөн төндә Салауат ҡалаһының дауаханаһында янғын синализацияһы эшләй башлай. Ваҡиға урынына шунда уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәре вәкилдәре юллана. Биш этажлы бинаның подвалынан төтөн сыҡҡан була. Хәүефле урындан 70 кеше эвакуацияланған. Ҡаза күреүселәр юҡ. Асыҡ янғынды һүндерәләр. Быға 28 кеше һәм алты берәмек техника йәлеп ителә. Әлеге мәлдә янғындың сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй. Фото: "Башинформ" сайтынан. Автор: Лилия Нуретдинова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Dauahanala-yan-in-si-an-400230/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың 100 йыллығы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа Чехиянан, Канаданан, Ҡытайҙан, Төркиәнән, Азербайжандан, Мәскәүҙән, Татарстандан, Дағстандан, Яҡутстандан, Алтайҙан, Хакасиянан, Мордовиянан, Красноярск крайынан, Свердловск, Брянск өлкәләренән 100-ҙән артыҡ эш килде. Ете номинацияның һәр береһендә өс еңеүсе билдәләнде, шулай уҡ — «Телевидениела иң яҡшы эш» һәм «Интернетта иң яҡшы эш» махсус номинациялары булдырылды. Конкурс ҡурай таждарын символлаштырған ете номинация буйынса уҙғарылды: «Тупрағымдан уңдым... Башҡортостан!»; «Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың!»; «Рус түгелмен мин, ләкин россиян мин»; «Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы»; «Һоҡландым мин даһиҙарға, даһиҙан көнләшмәнем...»; «Бер йыр йырланған был өйҙә, бәпесте йоҡлатҡанда»; «Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма». Бүләкләү тантанаһы 26 октяьбрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында була. Киске сәғәт 7-лә башлана. Һәр ете номинацияла еңеүсегә аҡсалата премия һәм конкурстың символикаһы менән статуэтка тапшырыла. «Алтын ҡурай» жюрийы етәксеһе – Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев. Ойоштороусылар – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар союздары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мостай Кәрим исемендәге фонд, «Өфө» журналы редакцияһы. http://www.bashinform.ru/news/1370500-v-ufe-nagradyat-pobediteley-mezhdunarodnogo-zhurnalistskogo-konkursa-zolotoy-kuray/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Дуҫтар, был бик кәрәкле доғаларҙы үҙ диуарығыҙға алып ҡуйығыҙ һәм форсат сыҡҡан һайын ҡабатлап, ятлап алырға тырышығыҙ! КӘРӘКЛЕ ДОҒАЛАР Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға: Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам. Асыу килгәндә уҡый торған доға Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла. Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ. Ашап бөткәс уҡыла торған доға: Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә үәсәҡанә үә жәғәлнә минәл-муслимин. Мәғәнәһе: Беҙҙе ризыҡ биреп ризыҡландырған, һыу биреп һуғарған һәм мосолмандарҙан иткән Аллаһы Тәғәләгә маҡтау-ололауҙан булһын. Һый хөрмәт күрһәткән кешеләр өсөн уҡыла торған доға: Аллаһүммә бәрик ләһүм фимә разәҡтәһүм үәғ-фир ләһүм үәрхәмһүм. Аллаһүммә әтғим мән әтғамәни үәс-ҡи мән сәҡани. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Үҙең биргән ризыҡтар менән мине ризыҡландырған бәндәләреңдән риза бул, гонаһтарын ярлыҡа. Үҙеңдең рәхмәтеңдән ташлама. Әй, Раббым! Мине ризыҡландырғандарҙың үҙҙәренә лә ашарына һәм эсеренә биреп тор. Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға Биссмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ. Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, һәм көс тик Аллаһтан ғына. Өйгә ингәндә уҡыла торған доға Бисмилләһи үәләжнә. Үә бисмил-ләһи харажнә. Үә ғәлә раббинә тәүәккәлнә. Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән өйгә индек. Уның исеме менән генә өйҙән сыҡтыҡ. Бөтәһен дә Раббыбыҙға ғына тәүәкәлләйбеҙ. Берәүгә бәлә йә бәхетһеҙлек килгәндә уҡыла торған доға Иннә-лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғун. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибу мусибәти. Фәъжурни фиһи үә әбдилни биһә хайран минһә. Мәғәнәһе: Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙе кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр. Борсолоу һәм бойоғоуға юлыҡҡанда уҡыла торған доға Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл – һәмми үәл – хәзәни үәл – ғажзи үәл – кәсәли үәл – бүхли үәл жүбни – үә ҙалғид-дәйни – үә ғаләбәтир – рижәл. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ, борсолоу һәм хәсрәттәрҙән, зәғифлек һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурысҡа батыу ауырлғы менән бәндәләр ҡыйырһытыуынан һинең ярҙамыңдан, һиңә һыйына алыуҙарҙан ғына ҡотолоу табам. Дошмандар хөсөтлөгөнән бәлә килеү ихтималы булғанда уҡыла торған доға Аллаһүммә инни нәжғәлүкә фи нүхүриһим үә нәғүҙү бикә мин шүруриһим. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Уларҙың ауыҙынан һәм теленән сыҡҡандарҙы Үҙ хөкөмөңә тапшырабыҙ. Улар яуызлығынан Үҙеңдән генә яҡлау эҙләйбеҙ. Ауыр ҡайғыларға юлыҡҡанда уҡый торған доға Иннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммәъжүр-ни фи мүсибәти үә әхлиф ли хайрам-минһә. Мәғәнәһе: Беҙҙең бөтәбеҙ ҙә – Аллаһы Тәғәләнеке, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа – Уға. Әй, Аллаһ, күргән ҡыйынлыҡтарымдың сауабын насип ит. Шуның әжере итеп яҡшылыҡ килтер. Ярҙам күрһәтеүсе йә иһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доға Аллаһүммәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҙаҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙунүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәффәҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен – саҙаҡа биргән кешене – афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит. Күңелде яман уйҙар күмеп киткәндә уҡыла торған доға Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд. Мәғәнәһе: Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ. Күҙ тейеүҙән ҡурсалау өсөн тағы ла бер доға Бисмил-ләһ. Аллаһүмүммә әҙһиб хәрраһә үә бәрдәһә үә үәсәбәһә. Ҡум би иҙнил-ләһ. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Был күҙ тейеү сәбәпле миңә килгән тән ҡыҙыулығынан, туңып ҡалтыраныу биҙгәген һәм сиремде юҡ итә күр. Маҡтауҙарға ҡаршы уҡыла торған доға Аллаһүмүммә лә түәхиҙни бимә йәҡулүнә үәғ-фир ли мә лә йәғләмүнә үәжғәлни хайран миммә йәҙуннун. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Уларҙың әйткән һүҙҙәре өсөн мине язаға тартма. Уларға билдәле булмаған ғәйептәрем һәм етешһеҙлектәремде ярлыҡа, улар уйлағандан яҡшыраҡ булырға ярҙам ит. Ауырып киткәндә уҡыла торған доға Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә. Мәғәнәһе: Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәр әрнеүҙән ҡасып, Аллаһтың бөйөклөгөнә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам. (Ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, дин ғалимдары был доғаны ете тапҡыр уҡырға ҡушҡандар.) Дәрес әҙерләгәндә һәм имтиханға ингәндә уҡыла Рабби зидни ғилмән үә фәһмән үә әлхиҡни бис-салихин. Раббиш-рах ли садри үә йәссир ли әмри үәх-лүл ғүҡдәтәм-мил-лисәни йәфҡаһү ҡаули йә хәфиҙу йә раҡибү йә нәсирү йә Аллаһ. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ғилемемде арттыр, зиһенемде ҡеүәтлә. Изге ҡолдарыңдан ит. Әй, Раббым! Күкрәгемде ас, эштәремде еңеләйт, тел асҡысы бир! Һәр нәмәне һаҡлаусы, һәр нәмәне күреп, күҙәтеп тороусы, ярҙам итеүсе Раббым! Еңеләйт, ауырайтма, ғәмәлдәремде хәйерле итеп тамамлап ҡына торорға ярҙам ит. Көслө ел сыҡҡанда уҡыла торған доға Аллаһүммә инни әсъәлүкә хайраһә үә хайра мә фиһә үә хайра мә үрсиләт биһ. Үә әғүҙү бикә мин шәрриһә үә шәрри мә фиһә шәрри мә үрсиләт биһ. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һинән мин был елдең игелек килтереүе, ел менән килгәндең, елгә ҡушып ебәрелгәндең игелекле булыуын үтенеп һорайым. Елдең үҙ яуызлығынан, үҙе менән килгән яуызлыҡтан, үҙе менән ебәрелгән яуызлыҡтан һинең яҡлауыңды теләйем. Күкте болот ҡаплап алғанда уҡыла торған доға Аллаһүммә иннә нәғүҙү бикә мин шәрри мә үрсилә биһ. Аллаһүммә сибән нәфиғән. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Беҙ һинән болоттар менән ебәрелгән әфәттәрҙән һаҡлауыңды теләйбеҙ. Улар менән килгән ямғырҙар игелеккә булһын. Ғәрәфә көнөндә уҡыла торған доға Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһ. Ләһүл-мүлкү үә лә ләһүл хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйъин ҡадир. Мәғәнәһе: Тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһынан башҡа Илаһ юҡ. Бөтә хаҡиҡи хәкимиәт Уның Үҙенеке генә, бөтә маҡтауҙар уның тик үҙенә. Ул – бөтә нәмәгә көсө етә торған ҡеүәт-ҡәҙрәт эйәһе. Төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡланыу өсөн уҡыла торған доға Аллаһүммә иннә әғүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүҙү бикә ән үрадда әрҙәлил-ғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит-дүнйә. Үә әғүҙү бикә мин ғаҙабил-ҡәбр. Мәғәнәһе: Әй Раббым! Һаранлыҡтан ҡасып мин һинең үҙеңә генә һыйынам, ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып та үҙеңә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъяла фетнәләренән, донъя алдауҙарынан үҙеңә һыйынам, Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым. Йоҡларға ятыр алдынан уҡыла торған доға Аллаһүммә, бисмикә әмүтү үә әхйә. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һинең исемең менән үлермен, һинең исемең менән йәшәйем. Урынға барып ятҡас уҡыла торған доға Аллаһүммә, әсләмтү нәфси иләйкә үә үәжжәһтү үәжһи иләйкә үә фәүуаҙту әмри иләйкә үә әлжә’тү ҙаһри иләйкә рағбәтән үә раһбәтән иләйкә лә мәлжә’ә үә лә мәнжә минкә иллә иләйкә әмәнтү бикитәбикәл-ләҙи әнзәлтә үә нәбииәкәл-ләҙи әрсәлтә. Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Бөтә булмышым менән һинең үҙеңә генә бирелдем. Ҡарашымды һиңә генә йүнәлттем, эштәремде тик үҙеңә генә тапшырҙым. Һиңә барған юлымды, һинән ҡурҡыуымдан, тик Үҙеңә генә тәүәккәлләп барам. Һинән башҡа һыйыныр урын да, ҡотолоу ҙа юҡ. Һин индергән Китапҡа, Һин ебәргән пәйғәмбәргә инандым. Һәр ваҡыт уҡырға ярай торған доға Аллаһүммәж-ғәл фи ҡалби нуран үә фи бәсари нуран үә фи сәмғи нуран үә ған йәмини нуран үә ғән йәсәри нуран үә фәуҡи нуран үә тәхти нуран үә әмәми нуран үә халфи нуран үәжғәл ли нуран. Мәғәнәһе: Әй Раббым! Күңелемде нурға күм, күргәндәрем, ишеткәндәрем нурлы булһын, уңымда ла, һулымда ла, өҫтә лә, түбәндә лә, алдымда ла, артымда ла нур балҡып торһон. Нур бүләк ит! Йоҡонан уянғанда уҡыла торған доға Әлхәмдү-лил-ләһил-ләҙи әхйәнә бәғдә мә әмәтәнә үә иләйһин-нүшүр. Мәғәнәһе: Үлгәндән һуң йәнә йән биргән, терелтеп үҙенә саҡырып аласаҡ Аллаһҡа маҡтау-ололауҙар булһын! Төндә йоҡо алмаған ваҡытта уҡыла торған доға Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр. Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Аллаһҡа һыйыныу өсөн тағы бер доға Аллаһүммә иннии әғүүҙү бикә мин ғилмин лә йәнфәғ, үә мин ҡалбин ләә йахшәғ, үә нәфсин ләә тәшбәғ, үә мин дәғүәтин ләә йәстәжәәбәә ләһәә. Мәғәнәһе: Аллаһым! Һиңә файҙаһыҙ ғилемдән, тәҡүәһеҙ ҡәлебле булыуҙан, туймаҫ нәфселе булыуҙан үә доғаларҙың ҡабул булмауынан һыйынам. Бурыстан ҡотолоу өсөн доға Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк. Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла. Ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә уҡыла торған доға Әссәләму ғәләйкүм йә әһләл-ҡубур, йәғфируллаһу ләнәә үә ләкүм, әнтүм сәләфүнә үә нәхнү бил-әҫәр. Мәғәнәһе: Сәләм Һеҙгә, эй, ҡәбер әһелдәре! Аллаһ беҙгә һәм Һеҙгә мәғфирәт итһен. Һеҙ элек киткәндәрҙән, беҙ ҙә Һеҙҙең артығыҙҙан киләсәкбеҙ. (Ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә “Йәсин”, “Тәбәрәк”, “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Нәс”, “Фәтиха”, “Кәүҫәр” сүрәләре уҡыла.) “Та-һә” сүрәһенең 25-28-се аяттары: 25. Раббишрах лии садрии. 26. Үә йәссир лии әмрии. 27. Үәхлүл ғүҡдәтән мин лисәәнии. 28. Йәфҡаһү ҡаулии. Мәғәнәһе: 25. Раббым, күкрәгемде киңәйт (Миңә ҡеүәт бир). 26. эшемде ҡулай ит. 27. телемде сис (оҫта һөйләү һәләте бир) 28. Һүҙемде яҡшы аңлаһындар. Именлек һорау Аллаһүммә иннии әс’әлүкәл-ғәфүә үәлғәәфийәтә фии диинии үә дүнйәйә үә әһлии үә мәәлии. Мәғәнәһе: Аллаһым! Һинән генә гонаһтарымды ярлыҡауыңды һорайым, динемдә лә, донъямда ла, ғаиләмдә лә, малыма ла именлек урынлаштырыуыңды һорайым. Тағы бер доға Аллаһүммә әлһимнии рушдии үә әғиҙнии мин шәрри нәфсии. Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә камил аҡыл бир, нәфсемдең золомонан һаҡла. Аллаһҡа һыйыныу Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә минәл-бухли үә әғүүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүүҙү бикә мин ән ураддә иләә әрҙәләл-ғумри үә әғүүҙү бикә мин фитнәтид-дүнйә үә әғүүҙү бикә мин ғәҙәәббил-ҡабр. Мәғәнәһе: Аллаһым! Мине һаранлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан, ҡартлыҡ иҫәрлегенән, донъя фетнәләренән үә ҡәбер ғазабынан һаҡла. Күңелде таҙартыу өсөн Аллаһүммә әғты нәфсии тәҡүәәһәә үә зәкәәһәә әнтә хайру мән зәкәәһәә, әнтә үәлийүһәә үә мәүләәһәә. Мәғәнәһе: Аллаһым! Күңелемде тәҡеүә ҡыл үә таҙарт, Һин таҙартыусыларҙың иң хәйерлеһе, Һин ҡәлебтәрҙең Хужаһы үә Хөкөмдарылыр. Хаталарҙы, исрафты ғәфү итеүҙе һорау Аллааһүммәғфир лии хатыы’әтии үә джәһлии үә исраафии фии әмрии үә мәә әнтә әғләмү биһи миннии. Мәғәнәһе: Аллаһым! Ғәмәлдәремдәге хаталарымды, белмәүҙәремде үә исраф итеүҙәремде ғәфү ит, Һин минең гонаһтарымды миңә ҡарағанда белеүсерәк зат. “Нәмл” сүрәһенең 19-сы аяты Рабби әүзиғнии ән әшкүра ниғмәтикәлләтии әнғәмтә ғәләййә үә ғәләә үәәлидәййә үә ән әғмәлә саалихан тәрдааһ, үә әдхылнии бирахмәтикә фии ғибәәдикәс-саалихиин. Мәғәнәһе: Йә, Раббым, үҙемә һәм ата-әсәмә биргән ниғмәттәреңә шөкөр итергә һәм Һинең ризалығыңды алырҙай изгелектәр ҡылырға миңә форсат бир. Рәхмәтең менән миңә лә (йәннәттә) башҡа тоғро ҡолдарың менән бер рәттән урын бир. “Ҡасас” сүрәһенең 21–се аяты Рабби нәжжинии минәл-ҡаумиҙ-ҙаалимиин. Мәғәнәһе: Раббым, мине залимдар өйөрөнән ҡотҡар. Бала уҡырға киткәндә уҡыла торған доға Рабби йәссир үә ләтүғассир рабби тәммим бил-хайри. Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Еңеләйт, ауырайтма. Башлаған эшемде хәйерле итеп тамамла! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡалала 15343 кеше йәшәй. Майҙаны — 20,18 км2. Диңгеҙ кимәленән 200 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 6333 һәм автомобиль коды — MSH. ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ҺылтанмаларҮҙгәртергә Рәсми сайт Был Германия географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Башҡортостанда 2012 йылда 1562 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ. Бының өсөн республика бюджетынан 460 миллион һум аҡса бүленәсәк, был 2011 йыл менән сағыштырмаса 238-гә күберәк. Программа сиктәрендә федераль бюджеттан да 283 миллион һум күләмдә аҡса йәлеп итеү планлаштырыла. Бындай мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының йомғаҡлау коллегияһында министр урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин таныштырҙы. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәштәр сәйәсәтендә көнүҙәк булып ҡала, тип билдәләне ул. Әлбиттә, 2003 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһын ҡабул итеү уларға арзан хаҡ менән торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген бирҙе. Был хоҡуҡ менән 12974 йәш ғаилә файҙаланды. 2003 – 2011 йылдарҙа программаны финанслау күләме 2 миллиард 196,2 миллион һум тәшкил итте (шул иҫәптән федераль бюджеттан 779 миллион йәлеп ителде). Субсидия биреүгә, бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) торлаҡ шарттарын яҡшыртыу килешеүҙәре буйынса бурыстарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 2003-2011 йылдарҙа 5456 йәш ғаилә, шул иҫәптән үткән йылда 697 ғаилә 140,5 миллион һумдан ашыу суммаға социаль түләүҙәр алды, тип билдәләне Руслан Ғизәтуллин. Әммә, министр урынбаҫары билдәләүенсә, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, торлаҡ мәсьәләһе элеккесә көнүҙәк булып ҡала. — Бөгөнгө көндә Программа буйынса 28975 йәш ғаилә сиратта тора, - тине Руслан Ғизәтуллин. – Бынан тыш, Әбйәлил, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовар, Ғафури, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ҡыйғы, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәсетле, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла райондары 2011 йылда «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһы буйынса бүленгән аҡсаларҙы файҙаланмаған. Шулай уҡ, министр урынбаҫары билдәләүенсә, торлаҡ сертификаттарын 2012 йылдың 24 июленә тиклем файҙаланырға кәрәк. Шулай уҡ ул торлаҡ программаһы буйынса отчеттарҙы ваҡытында тапшырыуға иғтибарын йүнәлтте. Руслан Ғизәтуллин үҙенең сығышында шулай уҡ ауыл ерендә йәшәүсе йәш граждандарҙы арзан торлаҡ менән тәьмин итеүгә «Ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы йүнәлтелеүе хаҡында ла әйтте. — Уны тормошҡа ашырыу барышында төбәктә 4182 йәш белгес һәм йәш ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртты, - тине ул. – Ике торлаҡ программаһы сиктәрендә 2011 йылда йәмғеһе 1759 йәш ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтелде («Ауылды социаль үҫтереү» программаһы буйынса килешеү төҙөгән 660 ғаилә, шулай уҡ «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһы сиктәрендә 1099 йәш ғаилә). Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу бурысы 2011-2015 йылдарға республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелде, тип билдәләне министр урынбаҫары. — Быға ҡарамаҫтан, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы профилле ведомстволар менән берлектә йәштәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу юлдарын эҙләүҙе дауам итәсәк, - тине Руслан Ғизәтуллин. Автор:Эльмира Сабирова Теги:йәштәрторлаҡ Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Көтөлмәгәндә булды осрашыу Аса алмай ҡалдым тик йөрәгемде. Унда дөрләй усаҡ бик тә ҡыҙыу, Ҡараштарың тынғы бирмәй күңелгә. Йылдар, айҙар үтһә лә, Тағы осратыу өмөтө һүнмәне. Йылдар, айҙар үтһә лә, Күҙҙәрем һинең күҙҙәрҙе эҙләне. Күңелдәр ирей наҙлы ҡараштарҙан, Тән йылыңды ҡосағымда тойоу рәхәт. Күңелдәр ирей беҙ бергә булғанда, Төн килтерер йәнебеҙгә иң ҙур ләззәт. Яныңда ҡалһам ялҡында янам, Ирендәрең ниңә һуң шундай ҡайнар?! Яныңда ҡалһам ялҡында янам, Һиңә булған хистәрем утҡа һала. Ялҡында янам! Яҙғы көндәр ҡауыштырҙы беҙҙе, Һөйөү уты көтмәгәндә тоҡанды. Ғүмрем буйына көткән яҙмышым, Ҡаршылайыҡ бергә атҡан һәр таңды Йәндәр йәнгә тартылһа Йөрәктәр һөйөү сатҡылары һибә. Тәндәр тәнгә ҡағылһа Ул сатҡылар ҙур ялҡынға әйләнә. Яңы йыл төнөндә (feat Aiguzel) RUZiT Мин килдем RUZiT 1 куплет Күҙҙәреңде хәтерләтә Күктәге серле йондоҙҙар. Хыялдарым һиңә илтә Булһа ла урау ҡатмарлы юлдар. Уйҙарымда ишегеңде асам, Яҡты йөҙөң балҡый ҡаршымда. Һин һағынғаң, мин дә һағынғам, Иретермен ҡайнар ҡосағымда. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем! . 2 куплет Таң яҡтыһы һыҙылғанда Күҙәтәм татлы йоҡоңдо. Икебеҙ төрлө булһаҡ та Уртаҡ шул уйҙар, уртаҡ шул тойғо. Һиңә булған мөхәбәт сафлығы Йылдар ағымына бирешмәҫ. Һин һаҡларһың, мин дә һаҡлармын Беҙгә яҙмыш биргән матур хисте. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем! Кил яныма RUZiT Тыңла йөрәк тибешен, минен күкрәктә Наҙлы тауыш ҡайнар ҡанымды йугертэ Әйҙә бергәлшеп бейек был төндә Һылыу тик көттөрмә күңелем талпына Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә Серле төндә йәндәребеҙ бергә саҡта Яҙғы ҡарҙай ирерһең минең ҡосаҡта. Булыр уртаҡ бар уйҙарыбыҙ был төндә, Ҡалыр бәхет төнө хәтерҙә мәңгегә. Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә
Яугир атай-олатайҙарыбыҙ рухын ҙурлап, “Үлемһеҙ полк” сафына ҡушылырға теләгәндәр Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында 9.00 сәғәттә теҙелә. Яугир атай-олатайҙарыбыҙ рухын ҙурлап, “Үлемһеҙ полк” сафына ҡушылырға теләгәндәр Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында 9.00 сәғәттә теҙелә. 9.30 сәғәттә колонна, Ленин проспекты буйынса хәрәкәт итеп, Ленин исемендәге майҙанға йыйыла. Сафҡа ҡушылыр өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡынығыҙҙың портреты менән килеү етә. Батырҙарын онотмаған быуын булыуыбыҙҙы күрһәтәйек, яҡташтар! 09.00. Еңеү паркы - Совет һалдаты һәйкәленә сәскә һалыу. 10.30. Батырҙар аллеяһы - сәскә һәм венок һалыу. 11.00. «Нефтсе» стадионы – Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған тантаналы сара. 19.00. Ленин исемендәге майҙан – йәштәр өсөн киске программа һәм байрам концерты. 22.30 – фейерверк Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Республика йортонда РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың осрашыуы үтте. Шулай уҡ осрашыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев булды. Валентина Матвиенко Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәле, РФ Президенты Указдарының үтәлеше, республикала булған проблемалар хаҡында һорашты. Рөстәм Хәмитов республиканың 2012 йылдағы иҡтисади күрһәткестәре тураһында һөйләне. — Сәнәғәт производствоһы күләме алты процентҡа тиерлек артты, ә тулайым төбәк продукты үҫеше биш проценттан ашыу тәшкил итте. Шулай уҡ эш хаҡы өлкәһендә лә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелде. РФ Президентының уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы буйынса талаптарын үтәнек, 2012 йылдың дүртенсе кварталында был күрһәткес иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә етте, - тине республика башлығы. Рөстәм Хәмитов машиналар эшләү һәм нефть эшкәртеү комплекстарының яҡшы үҫешеүен, нефть сығарыу кимәленең йылына 15 миллион тоннаға етеүен билдәләне. — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе яҡшы темптар менән үҫешә, етештереү күләмдәре бында йылына яҡынса 30 миллиард һум тәшкил итә. Хәрби авиация өсөн барлыҡ двигателдәр беҙҙә етештерелә. Ҡайһы бер Мәскәү предприятиелары хәҙер беҙгә «күсенә», сөнки Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе төп предприятиеға әүерелде, - тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты. Төбәк башлығы билдәләүенсә, Күмертауҙа урынлашҡан вертолеттар эшләү заводында ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар осрай. Предприятие диңгеҙ авиацияһы өсөн Ка-27 һәм Ка-32 вертолеттары етештерә. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, әлегә заказдар беҙ теләгәндән күпкә әҙерәк. Ә бына торлаҡ төҙөлөшө темптары республикала шәбәйә бара. — Әлеге ваҡытта был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә бишенсе-алтынсы урында торабыҙ. Башҡортостанда йылына 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлә, уларҙың яҡынса 70 проценты – аҙ ҡатлы йорттар. Респблика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгәнгә күрә, ауылдарҙа төҙөлөш эштәре ҙур күләмдәрҙә алып барыла. Беҙҙең алда өс-дүрт йылдан йылына өс миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы тора. Бөгөнгө көндә эконом класындағы торлаҡ төҙөү буйынса ҙур программа тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, ветерандар, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн социль йорттар төҙөлә, - тине республика Президенты. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бюджет 2012 йылда планлаштырылған күләмдәрҙә үтәлгән. — 2013 йылдың беренсе кварталында етештереү күләме 102,5 процент тәшкил итте, тулайым төбәк продукты ла яҡынса шул кимәлдә. Әммә республикаға инвесторҙар кәрәк. Был йәһәттән үткән йылда яҡшы эшләнек, тейешле ҡануниәт булдырҙыҡ. Быйыл ике ҙур предприятие төҙөлә башлаясаҡ, – тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты. Рөстәм Хәмитов республикала ауыл хужалығы тармағының яҡшы үҫешеүен билдәләне. Аграрийҙарға һатып алынған ҡорамал хаҡының 40 проценты күләмендә субсидиялар бүленә. Шулай итеп, былтыр 3,5 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Автор:Арина Рәхимҡолова Теги:визиттарфедерация советывалентина матвиенко Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Башҡортостанда Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында донъя ҡуйған 80 йәшлек пациентта коронавирус табылған. Радий Хәбиров бөгөн «Фейсбук»тағы сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте. «Йәкшәмбе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында өлкән йәштәге ҡатын вафат булған. Ике ай элек ул инсульттан һәм шәкәр диабетынан дауаланған. Пациент ауыр хәлдә булған, төрлө хроник ауырыуҙар, шул иҫәптән пневмония менән сирләгән. Үлем сәбәбе – баш мейеһе шешеүе. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Мәрхүмәнән коронавирусҡа анализ алынған, бөгөн уның Ковид-19 вирусын йөрөткәне асыҡланған», — тип яҙҙы ул. Радий Хәбиров Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың йәнә бер осрағы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ханым Төркиәнән ҡайтҡан. Уның хәле ауыр түгел. Тағы бер сирле бөгөн һауығып сыҡҡан, тип белдерҙе республика етәксеһе. «Тиҙҙән коронавирусҡа тестар һаны ҡырҡа артыр, шуға күрә ауырыуҙар ҙа күбәйер. Беҙҙең бурыс — үҙизоляция режимын һаҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау системаһын ҙур йөкләмәгә әҙерләүҙе дауам итеү», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республика халҡына. http://www.bashinform.ru/news/1435128-v-bashkirii-u-80-letney-patsientki-skonchavsheysya-v-rkb-im-kuvatova-vyyavlen-koronavirus/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Теги: коронавирус Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
README.md exists but content is empty. Use the Edit dataset card button to edit it.
Downloads last month
1
Edit dataset card