text
stringlengths
332
38.2k
Ярыштарҙа балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр башҡорт ғаиләһе ҡатнаша ала. Илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙҙе, өлгөлө ғаиләләрҙе матур бүләктәр көтә. Конкурсҡа рәхим итегеҙ! Интернет-конкурс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә һәм 1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө тип махсус асылған биттә бара. Конкусҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе «1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө төркөмөнә» инеп, диуарға беркетергә кәрәк. Ярыштар 3 төрҙә үтә: 1. «Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла» конкурсы. Йәш сикләүҙәре юҡ. Унда ҡатнашырға теләүселәр ғаиләләрендә һаҡ-ланған боронғо фотоны «1 март — Башҡорт ғаиләһе көнө» тип аталған махсус биткә (https://vk.com/bash_gaile) ебәрә. Автор ошо фото тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә, унда һүрәтләнгән ғаилә кешеләренең нәҫеле, традициялары әлеге көндә кемдәр тарафынан һаҡланыуы тураһында яҙа (текст башҡорт телендә, 14-се шрифт менән 1 биттән артмаҫҡа тейеш). 2. «Милли мираҫҡа тоғролоҡ» видеоконкурсы. Йәш сикләүҙәре юҡ. Ғаилә менән концерттарҙа, төрлө конкурстарҙа сығыш яһау, бөтә ғаилә менән бергә туристик сәйәхәттә булыу мәлдәрен, спорт ярыштарында ҡатнашыу-ҙарын, өләсәйҙәр һабағы күренешен (ҡул эштәренә өйрәтеү, әкиәт һөйләү, аш-һыу әҙерләү һабаҡтары), шул иҫәптән башҡорт телен пропагандалаусы флешмобтар һәм акциялар-ҙы төшөрөп ебәрергә кәрәк. 3. «Өләсәйемдән отоп алдым» конкурсы: 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Балалар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар, һамаҡлауҙар башҡара. Интернет-конкурстарҙың еңеүселәре 1 мартта Өфөлә үтәсәк «Ғаилә — туған тел һаҡсыһы» фестиваленең йомғаҡлау сараһына саҡырыласаҡ, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты. Һорауҙар булһа, баш белгес Марат Әнис улы Ғилмановҡа мөрәжәғәт итергә. Телефон: 8-987-138-92-25, 8 (347) 246-30-42. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Бөрйәндә ни сыҡмаһын, ҡыпсаҡтарҙан сыға, тип әйтер инем мин. Ысынлап та, Әбделмәмбәт ауылы районда әүҙемлеге менән айырыла, халҡы күңелендә дәрт, яңылыҡтарға ынтылыш ташып тора. Әбделмәмбәт мәктәбе Башҡортостаныбыҙҙа спорт һәм уҡыу буйынса алдынғылары, бөтә сараларҙың башында тороуы менән билдәле. Был, әлбиттә, мәктәп етәкселегенең оло хеҙмәте. Республикабыҙҙа әүҙем, киң ҡарашлы, халыҡтың көнитмеше, эске донъяһы, рухи байлығы өсөн янып йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан ағинәйҙәр ойошмалары төҙөлә башлауға әллә ни күп ваҡыт та үтмәне. Был изге башланғысты беҙҙең районда әлеге лә баяғы ҡыпсаҡтар күтәреп алды. Улар район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина ярҙамы менән эшһөйәр, халыҡ араһында әҙәбе, тәртибе, иманлы булыуы, матур итеп донъя көтөүе менән абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған Әбделмәмбәт ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы төҙөп ебәрҙеләр һәм ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Уларға эйәреп, Байназар ағинәйҙәр ойошмаһы ла яҡшы ғына эшләп килә. Уларҙың эштәре ниҙән ғибарәт һуң? Иң беренсе үҙебеҙҙең башҡортлоғобоҙҙо, тарихи үткәндәребеҙҙе, изге йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында эшкә тотондо ағинәйҙәр. Үҙебеҙҙән һуң килгән быуындар онотмаһын өсөн улар эште башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәрен: балиткле күлдәк, ҡашмау, казул, һаҡал тектереп, башҡорт фольклорын тергеҙеүҙән башлағандар. Районда уҙғарылған һабантуй, бал фестивале, көҙгө йәрминкә кеүек сараларҙың тап фольклор төркөмдәре сығыштары менән башланыуы – быларға асыҡ дәлил. Әбделмәмбәт ағинәйҙәре үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап ятмай, республика тормошонда ла әүҙем ҡатнашга: “Алтын тирмә” телетапшырыуында ла ихлас сығыш яһанылар, Мораҙым тарлауығында үткән республика ағинәйҙәр ҡоронда булып ҡайттылар, Сибай яҡтарына барып үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙылар. Әлеге көндә улар үҙҙәренең “ауырыуҙарын” районыбыҙ ауылдарына “йоҡтороу” менән мәшғүл. Үткән аҙнала Кейекбай ауылында әле төҙөлө генә башлаған ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары менән осрашып, үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашып, үҙебеҙҙең мосолман икәнебеҙҙе иҫкә төшөрөп, матур әҙәп-әхләҡкә саҡырып, мөнәжәттәр әйтеп, шулай уҡ концерт номерҙары менән сығыш яһап, матур бер байрам ойошторҙолар. Беҙҙең Ғәҙелгәрәй ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла унда ҡатнашып, үҙҙренә яңы донъя асҡандай ҡанатланып, Әбделмәмбәт ағинәйҙәрен үҙебеҙгә саҡырып ҡайттыҡ. Күп тә үтмәй, бурап-бурап ҡарҙар яуған сихри бер кистә, ағинәйҙәребеҙ беҙҙең ауылға килеп тә төштө. Шулай уҡ Кейекбай, Ғәлиәкбәр ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары ла тәжрибә туплау, өйрәнеү маҡсатында ҡунаҡҡа килде. Район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы ойошманың эшмәкәрлеге, маҡсаты менән таныштырып, әле төҙөлөргә торған Ғәҙелгәрәй ауылы ағинәйҙәр ойошмаһын изге эштәргә өндәп, ойошма етәксеһе буласаҡ хаҡлы ялдағы уҡытыусы Байегетова Мәрйенбикә Дәүләтғәле ҡыҙына танытма тапшырып, уңышлы эшләүҙәрен теләне. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа Әбделмәмбәт ауылы ағинәйҙәренә, уларҙың етәксеһе Муллағолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙына оло рәхмәттәрен белдерҙе. Өйөбөҙҙө генә боҫоп ятмай, ошондай рух үҫтергес сараларҙа әүҙем ҡатнашып, килер быуындар – балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе иманға, әҙәп-тәртипкә өндәп, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларыбыҙҙы һаҡлап, мәҙни һәм рухи ҡиммәттәргә эйә булып, ауыл һәм район тормошонда ҡайнап йәшәйек, ауылдаштарым! Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Жираф муйынында, кешенеке кеүек үк, барлығы ете умыртҡа һөйәге бар. — Регион102 (әңгәмә) 22:55, 6 апрель 2014 (UTC) 8 октябрь 2015 йылҮҙгәртергә Өфө паркындағы таҡтаташ 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 840-сы йылдарҙа Көньяҡ Уралда ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләм Тәржемән була, ул башҡорт илен тәүгеләрҙән булып үҙ исеме менән атап һүрәтләй. Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Мөхәмәтғата Мансуров сығышы менән ғәйнә ырыуы башҡорттары. 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ арҡаһында Башҡортостандың халҡы 650 мең кешегә йәғни 22 процентҡа кәмей. Мәхмүт Ҡашғари (1029—1101) билдәләүенсә, башҡорттарҙың теле төрки телдәргә ҡарай. Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырыусы боронғо каруан сауҙа юлының аҙ ғына өлөшө әле лә һаҡланған. Самрау иле образында башҡорттар сәйәси идеал күргән. Тәүге тапҡыр 1907 йылда Мөхәммәтша Буранғолов яҙып алған «Аҡһаҡ ҡола» эпосының егермегә яҡын варианты билдәле. 1391 йылдың 18 июнендә Урта Азия әмире Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында булған Ҡондорса буйындағы яу башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә барған һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтергән. Иҫән хан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Әнғәм Атнабаев, Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи сығыштары менән башҡорттарҙың ирәкте ырыуынан. Геродот (б.э.т. 484 — б.э.т. 425) тәүгеләрҙән булып Урал халыҡтарын тасуирлай. 20 ноябрь 2015 йылҮҙгәртергә Бер батальонды һәм ике рота дошманды юҡ иткән снайпер Әхәт Әхмәтйәновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәй ҡала һәм уға хәҙерге ваҡытта һәйкәлдә ҡуйылмаған. 1977 йылғы Төньяҡ ҡотопҡа «Ленин» атом боҙватҡысының легендар экспедицияһында Башҡортостандан барлығы өс кеше ҡатнаша, шуларҙың береһе Фидус Әсхәҙуллин СССР флагын ҡотопта урынлаштырыуҙа ҡатнаша. 1979 йылдың 25 декабрендә Афған һуғышы башлана. Кубала Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаны һыу менән тултыралар һәм, сәғәт 12 тулғас, һыуҙы тәҙрәнән һибәләр. Йыл буйына изгелек, татыулыҡ, уңыш юлдаш булһын өсөн сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡансы 12 виноград ашайҙар. 1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының Президенты вазифаһына һайлана. Балыҡтарҙың төрөлөлөгө буйынса Рәсәйҙә Амурға еткән йылға юҡ, бында 139 төр балыҡ тереклек итә. 20 март 2016 йылҮҙгәртергә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында командованиеның оператив бойороҡторы асыҡ эфир аша башҡорт телендә лә бирелгән, был дошмандар араһында ошо телде белеүселәр булмауы менән аңлатылған. Ка-32А11ВС вертолёты. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы — донъяла күсәрле системалы күтәргес винтлы вертолёттар етештереүсе берҙән-бер предприятие. XIX быуат уртаһында башҡорттарҙа сәй эсеү традициялары таралыу ала. Сауҙагәрҙәр сәйҙе Ҡытайҙан алып килгәнгә күрә, уны хаҡы юғары булған. Учалы районының Сораман ауылында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр диңгеҙ мәсете асыла. «Янғантау» шифаханаһында дауалау маҡсаттарында Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең даими температураһы +160 °С булған аҙ ми­не­ралләшкән гидрокарбонатлы-кальцийлы-магнийлы һыуы һәм Ҡырымдан килтерелгән Саки ләме ҡулланыла. Башҡортостанда Мәскәү, Париж, Бохара, Урыҫ Швейцарияһы, Венеция исемле тораҡ пункттар бар. 1980 йылда Өфөлә миллионынсы кеше донъяға килә. 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоның бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелгән. апрель 2016Үҙгәртергә 1930 йылдың 18 апрелендә Би-би-си радиоһы дикторы «Бөгөн һөйләрлек яңылыҡтар бөтөнләй юҡ» тигән белдереү яһай. Яңылыҡтар урынана радионан көнөн буйы фортепиано музыкаһы тапшырыла. 364 млн йыл элек, девон осоронда, диңгеҙҙәге төрҙәрҙең 50 % юҡҡа сыға. Бөгөнгө көндә ҡайһы бер ғалимдар венгрҙарҙы Волганан көнсығыштағы Көньяҡ Урал далаларын һәм Тарихи Башҡортостан биләмәләрен төбәк иткән төрки һәм уғыр ҡәбиләләренең союзы тип иҫәпләй. Эмпайр-стейт-билдинг бинаһы бейеклеге буйынса Ҡушма Штаттарҙа дүртенсе урында тора. Боронғо грек мифологияһындағы башта улы Ясон алтын тире эҙләп сәйәхәт иткән ваҡытта тик ҡатын-ҡыҙҙар хакимлек иткән Лемос уртауына юлыға. 18 апрелдә күренекле башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйға 120 йәш тула. октябрь 2016Үҙгәртергә Һынташты мәҙәниәтенә ҡараған Арҡайым ҡаласығында кешеләр беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡ аҙағы — 2-се мең йыллыҡ башында көн иткән. XVI быуатта ирәкте ҡәбиләһенең башлығы Иҫән хан балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан, байҡы, таҙлар һәм уран башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре берләшмәһенең етәксеһе булған. Бал ҡорто һауаға үҙенең ауырлығынан 6 тапҡыр ҙурыраҡ йөктө күтәрә ала. 1979 йылда Бельгия астрономы А. Дебеоне тарафынан асылған Салауат бәләкәй планетаһы Ҡояштан уртаса 392 миллион километр, ә Ерҙән яҡынса 201 миллион километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһының географик үҙәге Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылы эргәһендә урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы барышында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев 250-нән ашыу хәрби осош яһай. Өфөлә тәүге кино сеансы 1901 йылда була, ә тәүге даими эшләүсе кинотеатр 1908 йылда асыла. «Шайморатов генерал» йырының авторы башҡорт теленең стилистикаһы һәм грамматикаһы буйынса хеҙмәттәр яҙа. Мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов, башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәре Искәндәрбәк Солтанов һәм музыка белгесе Мөхәммәтмансур Солтанов сығышы менән башҡорт дворян нәҫеле Солтановтарҙан булғандар. май 2022Үҙгәртергә Суфый сиңерткә 17-18 йәшендә үк ғалим булып танылған Бохара кешеһенең ижади мираҫы — бөтә донъя мәҙәниәтендә ҙур урын тотҡан рухи байлыҡ. Был Урта быуаттар сиренән төрлө баһалар буйынса Европаның 30-60 процентҡа тиклем халҡы һәләк булған. 1919 йылдың 20 мартында «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү» буйынса үҙәге Тәңрекүл ауылы булған Ялан кантоны ойошторола. Был ғәжәйеп бөжәктең (һүрәттә) төҫтәре йәшелдән алып, көлһыу-һоро йәки ҡара-көрән төҫкәсә төрләнә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы тыуған ауылды йәлдәк ырыуы башҡорттары нигеҙләгән. 1960− 2014 йылдар арауығында Арал һыуының кәмеүе Урта Азияла диңгеҙ урынында Аҡҡом сүллеге хасил булған (һүрәттә), һөҙөмтәлә уның эргәһендәге төбәктең климаты үҙгәргән. https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Википедия:Ҡыҙыҡ_мәғлүмәт/Тәҡдим&oldid=1135783 ҡабул ителгән
ДАНЛЫ ИЛ!Башҡортостан! Һиңә һоҡланып,Күпмҽ моңло йырҙар йырланғанКүпмҽ халыҡ йәшәй илкәйҽмдәБарыһы ла ғәзиз, дуҫ, туған. Һинҽң матурлыҡҡа һоҡланғандай, Бармы икән тағын шундай ил? Башҡортостан! Бҽҙҙҽ бҽрләштҽргән Минҽң илкәйҽм ул – Данлы ил! Әлфинә ҠОТОШОВА, 9 йәш. Миәкә районы Илсҽғол ауылы. Зиннур БОҪҠОНОВ фотоһы. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
10 октябргә тиклем математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендә айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында 125 мең һумлыҡ грант алыу өсөн ғариза яҙа ала. 10 октябргә тиклем математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендә айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында 125 мең һумлыҡ грант алыу өсөн ғариза яҙа ала. “Ғаризаны тапшырыу өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында раҫланған иҫәп яҙыуы булырға тейеш. Грантҡа заявканы законлы вәкил йәки 14 йәше тулған уҡыусы үҙе рәсмиләштереү хоҡуғына эйә, – тип аңлатма бирә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. – Грантты биреү тураһындағы ҡарар 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителәсәк”. Электрон ғаризаға уҡыу урынынан белешмәләрҙең, үрҙә күрһәтелгән өлкәләрҙә ҡаҙаныштарҙы раҫлаған документтарҙың скан-күсермәләрен йәки фотографияларын беркетергә кәрәк. Ғаризала шулай уҡ Рәсәй банкында асылған иҫәп реквизиттарын күрһәтеү зарур. Илебеҙҙәге һәләтле уҡыусылар өсөн гранттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә бирелә. национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: imena.guru. Автор: Айһылыу Низамова https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Nind-y-u-iusilar-a-125-me--umli-grant-birel-446474/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
1 ғинуарҙан Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә «сүп-сар реформаһы» башланды. Уның төп асылы нимәлә? Тормош-көнкүрешебеҙҙә ниҙәр үҙгәрәсәк? Ошолар хаҡында тулыраҡ һөйләп үтмәксебеҙ. 1. Был реформа ни өсөн кәрәк? Тәү сиратта, илебеҙҙә экологик торошто яҡшыртыу һәм тәбиғәткә зыянды кәметеү — рөхсәт ителмәгән күп һанлы ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү, мөмкин тиклем күберәк сүп-сарҙы эшкәртеү һәм ҡалдыҡтарҙы кәметеүҙе яйға һалыу маҡсат итеп ҡуйыла. Киләсәктә республикала сүп-сар сығарыу өсөн яуаплы компанияларҙың табышы иҫәбенә ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сорттарға айырыу, эшкәртеү, утилләштереү һәм зыянһыҙға әйләндереү буйынса юғары технологиялы комплекстар төҙөләсәк. 2. Яңылыҡтың төп асылы нимәлә? Быға тиклем сүп-сарҙы йыйыу һәм утилләштереү өсөн урындағы хакимиәттәр яуаплы булды һәм кем нисек булдыра ала — шулай эшләне. Быйылдан республика биш биләмәгә бүленде һәм һәр береһенә төбәк операторы беркетелде. Улар хатта иң бәләкәй ауылдарҙағы таҙалыҡ һәм тәртип өсөн яуаплы буласаҡ. Һәр оператор менән ун йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөлдө. Быйыл 1 ғинуарҙа әлеге компаниялар эш башланы. Халыҡҡа кем менәндер килешеү төҙөргә кәрәкмәй. Төбәк операторҙары үҙ сайтына килешеү өлгөһөн ҡуйған, уның менән һәр кем таныша ала һәм барыһы ла шуға ярашлы эш итә. Ҡыҫҡаса әйткәндә: төбәк операторы раҫланған тарифтарға ярашлы көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарырға һәм утилләштерергә, шулай уҡ клиенттарының ялыуҙарына һәм мөрәжәғәттәренә ваҡытында яуап бирергә тейеш. Халыҡ иһә сүп-сарҙы махсус билдәләнгән урынға ғына ташларға һәм күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә бурыслы. 3. Нимә өсөн түләйбеҙ һәм күпме түләйбеҙ? Тарифтар биләмәгә ҡарап билдәләнә, әммә улар ҡала халҡы өсөн йән башына — 70 һумдан, быға тиклем сүп-сар сығарылмаған ауыл кешеләре өсөн 35 һумдан артмаҫҡа тейеш. Әлегәсә көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу өсөн яуаплы ойошмалар контейнерҙарҙа йыйылған сүп-сарҙы ҡыйлыҡҡа ташыу менән генә шөғөлләнде. Хәҙер ҡалдыҡтар тәүҙә сорттарға айырыласаҡ, эшкәртеүгә яраҡһыҙҙары ғына полигонға оҙатыласаҡ. Утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм сорттарға айырыу сығымдары тарифҡа индерелгән. 4. Ни өсөн айлыҡ түләү төрлө урында төрлөсә? Сүп-сар өсөн түләү түбәндәгесә иҫәпләнә: тарифты ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылыу нормативына ҡабатлап, килеп сыҡҡан күрһәткесте кеше һанына ҡабатларға. Республикала ҡалдыҡтарҙың йыйылыу нормативы (ябай тел менән әйткәндә, кешенең күпме сүп-сар «етештереүе») барыһы өсөн дә бер иш: күп фатирлы йортта йәшәгән кеше өсөн йылына — 1,92 м3, шәхси хужалығында теркәлгәндәргә — 1,95м3. Төбәк операторҙары эшмәкәрлегенең хаҡына күп факторҙар йоғонто яһай: халыҡтың ни кимәлдә тығыҙ урынлашыуы, ҡалдыҡтарҙы тейәү урынынан ҡыйлыҡҡа тиклемге ара, башҡарылған эш күләме, башҡа компанияларҙың күрһәткән хеҙмәт өсөн тарифтары һәм башҡалар. 5. Квитанцияны кем килтерәсәк һәм уны нисек түләргә? Февралдән түләү ҡағыҙҙарында «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр өсөн» тигән юл барлыҡҡа киләсәк. Берҙәм иҫәп касса үҙәге хеҙмәттәре менән файҙаланған граждандарға үрҙә әйтелгән квитанция ебәреләсәк. Быға тиклем сүп-сар сығарыу өсөн сығымдар «тәьмин итеү» тигән графаға индерелә ине, хәҙер улар унан алынасаҡ. Ауыл ерендә төбәк операторҙары квитанцияларҙы, электр һәм газ квитанциялары кеүек, почта хеҙмәте ярҙамында таратасаҡ. Түләүҙе почта йәки банк бүлексәләрендә, шулай уҡ онлайн режимда башҡарырға мөмкин. 6. Бер нисә торлағы булған кешеләргә нимә эшләргә? Законда бер нисә фатиры йәки шәхси йорто булған кешеләргә ташлама яһау ҡаралмаған. Шуға күрә һәр фатирға йәки йортҡа тейешле түләү унда теркәлгән кешеләр һанына ҡарап билдәләнәсәк. Әгәр торлаҡта бер кем дә теркәлмәһә, хаҡ милекселәрҙең һаны буйынса тәғәйенләнә. Белеп ҡуйығыҙ: әгәр һеҙ ниндәйҙер сәбәп менән өйөгөҙҙә биш көндән артыҡ йәшәмәһәгеҙ (мәҫәлән, дауаханала ятһағыҙ йәки диңгеҙ буйында ял итһәгеҙ), был ғәмәлде раҫлаған документтар туплап, төбәк операторына мөрәжәғәт итә һәм түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләтә алаһығыҙ. 7. Рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән ҡыйлыҡтарҙы кем таҙалаясаҡ? Элекке ҡыйлыҡтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә муниципалитет йәки ер хужаһы таҙаларға тейеш. Әгәр берәй урында яңы ҡыйлыҡ барлыҡҡа килһә, төбәк операторы был хаҡта урындағы хакимиәткә, тикшереү органдарына һәм биләмәнең хужаһына хәбәр итә. Әгәр хужа бер ай эсендә тәртип урынлаштырмаһа, төбәк операторы быны үҙе башҡара һәм хеҙмәт өсөн түләү талап итә ала. 8. Ауылдарҙа сүп-сар контейнерҙары ҡуйыласаҡмы? Эйе, урындағы хакимиәт һәм төбәк операторҙары уларҙы быйыл уҡ урынлаштырырға тейеш. Санитар талаптарға ярашлы, был урындың асфальт йәки бетон менән ҡапланыуы, тирә-яғы бордюр менән уратып алыныуы, йәшел үҫентеләр ултыртылыуы, шулай уҡ автотранспорт менән инеү өсөн юл булыуы шарт. Иң күбе биш контейнер ҡуйырға мөмкин. Сүп-сар һауыттары менән тораҡ йорттар, балалар уйын майҙансыҡтары, ял һәм спорт өсөн тәғәйен урындарҙың араһы кәм тигәндә 20 метр булырға тейеш. Әммә был арауыҡ 100 метрҙан артыҡ була алмай. Әлегә көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡапсыҡтарға йәки башҡа төрлө һауытҡа йыйырға кәңәш ителә. 9. Кемдәр ташламаға хоҡуҡлы һәм уны нисек юлларға? Республикала 500 меңдән ашыу кеше торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләүгә киткән сығымдары өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация ала. Уның күләме шәхсән билдәләнә. Быйылдан уға сүп-сар сығымдары ла индереләсәк. Компенсацияға түбәндәгеләр хоҡуҡлы: • Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары; • инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләүселәр; • радиацияға дусар булған граждандар; • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләгән кешеләр; • хеҙмәт ветерандары; • күп балалы ғаиләләр. Дөйөм килеменең күп өлөшөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә тотонған ғаиләләргә тағы бер төрлө субсидия ҡаралған. Ул түбәндәгесә билдәләнә: • күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә — 13%-тан ашыу; • 70 йәше тулған яңғыҙаҡ пенсионерҙарға — 16%; • башҡаларға — 20%. Мәҫәлән, ғаиләнең дөйөм килеме — 20 мең һум. Әгәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү: • бер ниндәй ташламаға эйә булмағандырҙыҡы — 4000 һумдан ашыу; • яңғыҙаҡ пенсионерҙарҙыҡы — 3200 һумдан ашыу; • күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙеке 2600 һумдан ашыу тәшкил итһә, улар компенсация алыуға хоҡуҡлы. Айлыҡ аҡсалата компенсацияны юллау өсөн йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалына, Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ республика Дәүләт хеҙмәттәре порталы — gosuslugi.bashkortostan.ru ярҙамында электрон формала ғариза яҙыу мөмкинлеге бар. Кәрәкле документтар менән танышыу өсөн һылтанма: http://mintrudrb.ru/payments/zhku_grant_about/8173/ «Субсидияларҙың онлайн-калькуляторы» сервисы ярҙамында субсидия алырға хоҡуғың бармы-юҡмы икәнде тикшерергә мөмкин: http://rcspn.mintrudrb.ru/housing-subvention-calculator Тейешле льготалар тураһында бөтә төр мәғлүмәтте онлайн-консультант ярҙамында белергә була: http://calc.rcspn.mintrudrb.ru/adviser/Default.aspx 10. Һорауҙар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Һәр төбәк операторының һәм яуаплы ведомствоның «ҡыҙыу линия»һы бар. Диспетчерҙар эш көндәрендә 9.00 – 17.00 сәғәттәрҙә эшләй. Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы: 8 (347) 218-07-23, 8 (347) 218-07-22 (льготалар, субсидиялар). Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы: 8 (347) 218-03-90 (ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына бәйле һорауҙар). 1-се биләмә — «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы. Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары; 2-се биләмә — «Дюртюлимелиоводстрой» йәмғиәте. Ағиҙел, Нефтекама, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары һәм Межгорье ябыҡ автономлы биләмә округы; 3-сө биләмә — «Эко-сити» йәмғиәте. Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары; 4-се  биләмә — «Экология Т» йәмғиәте. Октябрьский ҡалаһы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Бөгөн уҡыусыларҙы нәшриәтебеҙҙә донъя күргән “Кеше яҙмышы” исемле прозалар йыйынтығы менән таныштырмаҡсыбыҙ. Унда ил буйынса киң билдәле яҙыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышына арналған әҫәрҙәре индерелде. Борис Васильевтың “Ә таңдар бында тып-тын...”, Михаил Шолоховтың “Кеше яҙмышы” исемле повестары, Талха Ғиниәтуллин, Василь Быков, Николай Илюмжинов, Сыңғыҙ Айытматовтарҙың хикәйәләре башҡортса нәшер ителде. Иғтибарығыҙға бер нисә быуындың бала, үҫмер саҡта яратып, илай-илай уҡыған Михаил Шолоховтың “Кеше яҙмышы” әҫәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Был повесҡа ҡарата төшөрөлгән фильм да һуғыштың иң ҡаты мәлдәрен, аяныслы яҙмыштарҙы һүрәтләй: “... – Атайың ҡайҙа һуң һинең, Ваня? – тип һорайым бынан. Бышылдап ҡына: – Фронтта үлде , – ти. – Ә әсәйең? – Әсәйҙе поезда килгәндә, бомба төшөп үлтерҙе. – Бында туғандарың бармы һуң? – Бер кемем дә юҡ – Ә ҡайҙа төнәйһең? – Ҡайҙа етте шунда. Шул ваҡыт әсе күҙ йәштәрем ҡайнарланды һәм мин ҡапыл “Икебеҙгә ике ерҙә юҡҡа сығырға ярамаҫ! Үҙемә балалыҡҡа алам мин быны”, тигән ҡарарға килдем. Күңелем шундуҡ еңеләйеп һәм яҡтырып киткәндәй булды. Тегеңә эйелеп, шым ғына һорайым: – Ә һин, Ванюша, минең кем икәнемде беләһеңме? Ул тын алмаҫ борон: – Кем һуң? – тип ҡуйҙы. Мин шым ғына: “Һинең атайың”, – тинем. Йә Хоҙай! Күрһәңсе шунда ни булғанын! Муйыныма һарылды ла битемде, иренемде, маңлайымды үбергә тотондо. Ә үҙе, сәпсек шикелле, шундай нескә һәм сыңлатып ҡысҡыра, хатта кабина эсен яңғырата: – Атаҡайым! Мин бит белдем! Эҙләп табырыңды ла белә инем! Тапмай ҡалмаҫһың тинем! Һинең табырыңды шундай оҙаҡ көттөм! Миңә лыпын һырышҡан да елгә һелкенгән үләндәй дерелдәй был. Ә минең күҙ алдын томан ялмай, бәлтерәйем, ҡулдарым ҡалтырай – нисек шунда рүлде ысҡындырып ебәрмәгәнмен! Улай ҙа яңылыштан йырынға янтайып керҙем. Моторҙы һүндерҙем дә, күҙ алдарым асыҡланғансы, ҡуҙғалырға ҡыймай торҙом, берәйһен тапатмайым тип... Шул килеш бер биш минут ултыра бирҙем, ә улым бар көсөнә һарыҡҡандан-һарыға, үҙе ләм-мим өндәшмәй, дерелдәй генә...” Төп герой менән малайҙың үткәнен, артабанғы яҙмышын повесты тулыһынса уҡығас белергә мөмкин. Китап нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, шулай уҡ сайт аша алдырыу мөмкинлеге бар. Рәхим итегеҙ! 09.02.2022 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 76 - сы яҙын ҡаршылай. Былтыр Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә бик баҫмалар донъя күрҙе һәм уларҙың һәр береһе үҙ уҡыусыһына барып етте. Иғтибарығыҙға үткән йыл «Китап» нәшриәтендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы фронтовик әҙиптәрҙең шиғырҙары тупланған «Еңеү яҙы» исемле аудиойыйынтыҡ тәҡдим итәбеҙ. Унда яҡташтарыбыҙҙың фронттағы ҡаһарманлығы, тылдағы фиҙаҡәрлеге илһөйәрлек рухындағы 75 шиғыр аша яҡтыртыла. Аудиобаҫмала бирелгән шиғырҙарҙы Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар Ғүмәров, Нәғим Нурғәлин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин, театр артистары Морат Рафиҡов, Рәмзил Сәлмәнов уҡыны. Проект авторҙары – Зөлфиә Ҡарабаева, Олиә Ғиләжетдинова. Төҙөүсеһе Эльвира Яҡупова. Аудиобаҫманы түбәндәге һылтанма аша инеп тыңларға мөмкин. http://kitap-ufa.ru/information/cheremukhovyy-may-pobedy.php 04.05.2021 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
Ҡариҙел районы Мерәсем ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарға арнап, яңыртылған стела асылды «Йәнтөйәк» -8 °С Ҡар Антитеррор75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 29 Октябрь 2018, 12:43 Ҡариҙел районы Мерәсем ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарға арнап, яңыртылған стела асылды Хәтер стелаһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, уның урынбаҫары Р. Дәүлиев, район Советы секретары Ф. Әйүпов, Ҡариҙел һәм Асҡын райондары буйынса хәрби комиссар А. Аксенов, Мерәсем ауыл Советы хакимиәте башлығы Р. Нәғимов һәм урындағы халыҡ ҡатнашты. Тыуған илебеҙҙе һаҡлап баштарын һалған ата-бабаларыбыҙҙы онотмаҫҡа, ошо изге урынды һаҡлап торорға кәрәклеген билдәләне үҙенең тәбрикләү сығышында Илдар Вил улы. Мерәсем ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 200-ҙән артыҡ кеше алына, уларҙың 78-е яу ҡырында ятып ҡала. Тыныс тормош өсөн баштарын һалған яугирҙар иҫтәлегенә төҙөлгән стела иҫкергәнлектән, уға капиталь ремонт талап ителә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә ҙур эш башҡарылып, ул яңы төҫ алды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Ул ваҡытта миңә 13 йәш ине. Бер төркөм малайҙар менән урамға сыҡтыҡ. Элек детдомдыҡылар гел генә иҫке клуб эргәһендә өйөрөлә ине. Шуның артында йәшенмәк уйнайбыҙ, баҫтырышабыҙ. Был юлы ла күнегелгән урыныбыҙға киттек. Йәйге матур көн, ҡояш битте ҡыҙҙыра. Клуб артына сыҡһам, ниндәйҙер пакет ята. Уны-быны уйламайынса тибеп тә осорҙом. Эсендәге әйберҙәр сыңлап китте. Ҡолағым ҡарп итеп ҡалды. Нимәләр ята икән унда? Әллә аҡсамы икән? Ипләп кенә пакетты астым... Күргәнемә күҙҙәрем бәзләп китте. Тоҡсайҙың эсе тулы миҙал һәм ордендар! Тиҙ генә башҡалар мине уратып алды. Миҙалдарҙы үләнгә һалдыҡ та иғтибарлап ҡарай башланыҡ. Бына, исмаһам, хазина! Ниндәй генә орден юҡ! Һуғыш ветерандарының “Батырлыҡ өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары ла бар. Тағы ла әллә ниндәй миҙалдар, уларын тәүгә күреп торам. – Ҡара, “Халыҡ артисы” тигән миҙал да бар! – тип дуҫым ҡысҡырып ебәрҙе. – Бәй, быныһы тағы кемдеке? Ярай, һуғыш һәм тыл ветерандары, Герой-әсәләр һәр ауылда тиерлек. Ә халыҡ артисы? Етмәһә, әллә ниндәй премия лауреаты тигән миҙалдары ла бар. Шулар араһынан Аҡмулла төшөрөлгәнен генә таныным. Тамам аптыраным. Кем юғалтты икән уны? Әллә кәрәге ҡалмағанмы икән? – Нимә эшләйбеҙ? – тип аптырашты малайҙар. – Әйҙә бүлешеп алайыҡ та шуның менән вәссәләм! – тине берәүһе. Үҙем тапҡас, бүтәндәргә былай ғына бирге килмәне. Ҡыҙыҡ күреп, уларҙы тағып ҡарарға булдым!.. Бер орденды ҡаҙаным, икенсеһен, өсөнсөһөн... Шулай итеп, күкрәгем тулыһынса орден-миҙалға тулды! Бронежилет та кәрәк­мәй! Етмәһә, улар ҡояш нурҙарында шул тиклем ялтырай, күҙҙе сағылдырып тора. Шунан ул наградаларҙы систем дә ипләп кенә пакетка һалдым. Ә малайҙар һаман “бүлешәйек” тип аптырата. – Юҡ, әйҙәгеҙ, музей директоры Рәмзиә апайға алып барайыҡ! Миҙалдар музейҙа ятырға тейеш! – тинем. – Эй, ошо Айгиз һәр ваҡыт килештерә инде ул, – тине кемдер. – Яҡшы уҡый, имеш. Күмәкләшеп музей директорының өйөнә киттек. Һыҙғырып апайҙы саҡырып сығарҙыҡ. – Нимә кәрәк һеҙгә? – тип һораны ул беҙҙе күреү менән. – Апай, бына һеҙгә бер төргәк алып килгәйнек... Ул пакеттың эсен ҡараны ла ауыҙын асып өнһөҙ ҡалды. Уның шунда уҡ йөҙө үҙгәрҙе. Беҙ ҙә баҙап ҡалдыҡ. Бер аҙ шымып торғас, һорашырға тотондо: – Һеҙ быны ҡайҙан алдығыҙ? – Клуб артынан. Үлән араһында ята ине... – Үәт, суҡынсыҡтар! – тип әрләне апай. – Кемдең ҡулынан килгән был эш! Шундай ҡомартҡыға тейергә оялмағандар. Ҡулдары ҡороғоро... Апай барыһын да беҙгә һөйләп биргәс, эштең ниҙә икәнен аңланыҡ. Баҡтиһәң, бынан бер нисә көн элек ауыл музейына бурҙар төшкән. Төнөн ундағы булған бөтөн орден-миҙалдарҙы һепереп алып сыҡҡандар. Бер нәмә лә ҡалмаған. Батша заманындағы, шулай уҡ ҡайһы бер совет ордендары “ҡара баҙар”ҙа бик ҡиммәт тора икән. Бурҙар ана шул иң кәрәклеләрен алған да быларын ырғытып киткән икән... – Ярай һеҙ быларын тапҡанһығыҙ әле. Ауыл тарихы өсөн бик кәрәкле бит улар. – Апай рәхмәттәрен әйтә-әйтә арҡабыҙҙан һөйөп алды. – Ә Айгиз ошо ҡыҙыҡ миҙалдарҙы тағып ҡараны, – малайҙар мине оялтырға тырышып, көлөшөп алды. – Ә-ә-ә, улар бит композитор Заһир Исмәғилевтең миҙалдары, – тип һүҙен дауам итте апай. – Бына, мәҫәлән, ошоноһо – Аҡмулла премияһының миҙалы. Уны Заһир ағайға “Аҡмулла” операһы өсөн биргәндәр. Беҙ шатланышып детдомға ҡайтып киттек. Урланған наградаларҙың ниндәйҙер өлөшөн ҡайтара алғаныбыҙға һөйөнөп бөтә алманыҡ. Етмәһә, кемдеке бит әле – Заһир Исмәғилевтеке! Ошо хаҡта берәүгә лә һөйләгәнем юҡ ине. Бөйөк композиторҙың ордендарын тағып ҡарағанды иҫемә төшөрһәм, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булып китә.
1953 (бер мең туғыҙ йөҙ илле өсөнсө) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса кесаҙна көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1953 йылы, 2 мең йыллыҡтың 953 йылы, XX быуаттың 53 йылы, XX быуаттың 6 ун йыллығының 3 йылы, 1950 йылдарҙың 4 йылы. Йөкмәткеһе 1 Ваҡиғалар 2 Тыуғандар 3 Вафат булғандар 4 Шулай уҡ ҡарағыҙ ВаҡиғаларҮҙгәртергә ТыуғандарҮҙгәртергә 7 октябрь — Миңлеғәли Нәҙерғолов, башҡорт әҙәбиәте белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты. Вафат булғандарҮҙгәртергә 15 февраль — Риф Рәимов, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәүге башҡорт совет тарихсыларының береһе, тарих фәндәре докторы (1950).
Көн һайын битараф булмаған кҽшҽләр ҡатмарлы эпидҽмиология шарттарында айырыуса ҽңҽл булмаған шарттарҙа ҡалғағандарға ярҙамға килә. COVID-19 пандҽмияһы бҽр нисә ай эсҽндә бөтә донъяны биләп алды. Ил хөкүмәттәрҽ кризисҡа ҡаршы саралар эҙләгәндә, вирус мҽнән көрәшкә бизнҽс та ҡушылды - ярҙам итҽргә тҽләгән эшҡыуарҙар һаны көндән-көн арта. Быны улар бик йыш үҙҙәрҽ ҡатмарлы хәлдә булыуҙарына ҡарамаҫтан эшләй. Балаларға, айырыуса балалар баҡсаларына йөрөгәндәрҽнә, иғтибар бүлҽргә кәрәк. Улар - үҙаллы изолюция осоронда ла эшмәкәрлҽктәрҽн туҡтатмаған ойошмаларҙа хҽҙмәт һалыусы ата-әсәләрҙҽң "дҽжур төркөмдәр"гә йөрөүсҽ балалары. Әлҽгҽ ваҡытта Өфө ҡалаһының барлыҡ райондарында урынлашҡан муниципаль балалар баҡсаларында ла "дҽжур төркөмдәр" ойошторолған. Һәр төркөмгә, уртаса алғанда, 12 бала йөрөй. Уларҙың сәләмәтлҽгҽ ныҡлы күҙәтҽү аҫтына алынған. "Урал урманы" урман сәнәғәтҽ компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтҽ (башҡарма дирҽкторы Руслан Риза улы Хәйрҽтдинов) Өфөнөң дҽжур балалар баҡсаларын һауаны зарарһыҙландырыу өсөн бактҽрицид рҽциркуляторҙар мҽнән тәьмин итҽү инициативаһын күтәрҽп сыҡты. Улар рҽспубикала мҽдицина тҽхникаһын ҽтҽштҽрҽүсҽ "Мҽдстальконструкция" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттән һатып алынды. Компания әлҽгҽ ваҡытта 1350 төр мҽдицина тҽхникаһы һәм мҽбҽль продукцияһы ҽтҽштҽрә: МЕГИ@, МҼГИДҼЗ@, М@, [email protected], [email protected] маркалары аҫтында ҽтҽштҽрҽлгән мҽдицина ултырғыстарынан алып опҽрация өҫтәлдәрҽнә тиклҽм; һәм үҙҽнҽң ассортимҽнты мҽнән Башҡортостан Рҽспубликаһы дауалау- профилактика учрҽждҽниҽларының йыһаздарға булған ихтыяжын 95 процҽнтҡа ҡәнәғәтләндҽрә. "Урал урманы" урман сәнәғәтҽ компанияһының башҡарма дирҽкторы Руслан Риза улы Хәйрҽтдинов балаларҙың сәләмәтлҽгҽ һәм хәүҽфһҽҙлҽгҽ өсөн мҽдицина тҽхникаһын тапшырғанда: "Коронавирус инфҽкцияһы пандҽмияһы ваҡытында "өҙлөкһөҙ ҽтҽштҽрҽү" мҽнән бҽр рәттән эшләгән балалар баҡсаларына бындай иғтибар аңлашыла, әлбиттә. Үҙҽң тураһында ҡайғыртыуҙарын тойоу мөһим, ә бөтәбҽҙ өсөн дә ҡатмарлы осорҙа балаларыбыҙға айырым яҡлау һәм тәрбиә кәрәклҽгҽн аңлау айырыуса мөһим", - тип билдәләп үттҽ. Башҡортостан Рҽспубликаһының Сәнәғәт һәм энҽргҽтика министры урынбаҫары Тимур Алҽксандрович Гҽрасимов "Юғары әҙҽрлҽк" рҽжимы шарттарында ашығыс ярҙам хҽҙмәттәрҽнҽң көрәштҽң алғы һыҙығында булыуын билдәләп: - Был- бҽҙҙҽң хәүҽфһҽҙлҽгҽбҽҙҙҽ тәьмин иткән хоҡуҡ һаҡлау һәм хакимиәт органдары; әлҽгҽ шарттарҙа тәүлҽк әйләнәһҽнә вахтала тороусы һаулыҡ һаҡлау хҽҙмәткәрҙәрҽ; өҙлөкһөҙ ҽтҽштҽрҽү циклы булған прҽдприятиҽлар хҽҙмәткәрҙәрҽ. Уларҙың дҽжур төркөмдәргә йөрөүсҽ балалары өсөн юғары хәүҽфлҽк саралары булдырырға тҽйҽшбҽҙ, - тинҽ. Рҽспубликаның Сәнәғәт һәм энҽргҽтика министрлығы ҡарамағындағы прҽдприятиҽларҙың социаль яуаплылығына ярҙам итҽп тора һәм "Урал урманы" компанияһының Өфөләгҽ балалар баҡсаларына рҽспубликала ҽтҽштҽрҽлгән һауаны ультрафиолҽт ярҙамында зарарһыҙландырыусы рҽциркуляторҙар һатып алыу һәм урынлаштырыу башланғысын яҡлап сыҡты. Рҽспубликаның Мәғариф министрлығы Өфө ҡалаһының 15 мәктәпкәсә учрҽждҽниҽһын билдәләнҽ һәм 7-8 майҙа рҽциркуляторҙар ошо балалар баҡсаларында урынлаштырылды. - Әлҽгҽ саралар балалар баҡсаларындағы микроклиматҡа ыңғай йоғонто яһар һәм бҽҙҙҽң балаларҙың хәүҽфһҽҙлҽгҽн тәьмин итҽр, тип ышанам, - тинҽ Башҡортостан Рҽспубликаһы Сәнәғәт һәм энҽргҽтика министры урынбаҫары Тимур Алҽксандрович Гҽрасимов. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН + - Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер. Икенсе бүлек. Бронза быуаты. Андронов ҡәбиләләре ҡәберҙәрендә тотош кеше һөлдәһе урынына уның айырым өлөштәре генә: баш һөйәге, башһыҙ һөлдәләр, кәүҙәһенең яртыһы табылыуы осраҡтары бик күп. Бындай өлөшләтә ерләүҙе, үлгән кешенең мәйетен ер өҫтөндә ҡалдырып, уның һөйәктәрен таҙартыу йолаһы һөҙөмтәһе итеп ҡарауға ныҡлы ерлек бар. Үлгән кешенең ижтимағи хәленә (көслө, бай булыуы һ.б.) ҡарап, ырыуҙаштары уның һөйәктәренең төрлө магик сифаттарға эйә булыуына инанған, һәм улар үҙенсәлекле талисман ролен үтәгән, амулет, йәғни бетеү итеп тотолған. Бындай осраҡта кеше һөйәктәре эргәлә ҡалдырылған, бер ни тиклем ваҡыттар уҙғас, уларҙы ерләүҙәре лә мөмкин булған. Мәйеттән тороп ҡалған һөйәктәрҙе айырымлап, өлөшләтә ерләү абашев һәм бура мәҙәниәте ҡәбиләләре ҡәберлектәре өсөн ғәҙәти күренеш була; үрҙәрәк билдәләп үтелгәнсә, ям мәҙәниәтендә лә ошондай уҡ ерләү йолаһы күпләп күҙәтелә. Бынан инде ошондай һығымта яһап була: энеолит һәм бронза эпохаларында Көньяҡ Урал һәм уға сиктәш территорияларҙа йәшәгән халыҡтарҙың дини ҡараштары уртаҡ нигеҙҙә формалашҡан. Алдараҡ, бура мәҙәниәте ҡәбиләләре тураһында яҙғанда, уларҙа сәсбау (сәсүрмә, сулпы) йәиһә түшелдерек сифатында ҡулланылған, бронза торбасыҡтар (пронизки) һәм пластиналарҙан яһалған биҙәүестәр комплексының киң таралыуына уҡыусыларҙың иғтибарын йүнәлткән инек. Һынташты ҡәберлегенән тағы ла байыраҡ бронза биҙәүестәр йыйылмаһы табылыуы беҙҙе яңынан ошо сюжетҡа кире ҡайтырға мәжбүр итә. Һынташтылағы ике ҡатын-ҡыҙ ҡәберендә, ҡалын күнгә беркетелеп, көмөш пластиналарҙан һәм торбасыҡтарҙан яһалған берәр зиннәтле түшелдерек табылған. Уларға иш булырлыҡ табылдыҡтар Көньяҡ Урал, Волга буйы һәм Ҡаҙағстандың бронза эпохаһына ҡараған ҡомартҡыларында күпләп осрай. Ошондай түшелдеректәрҙең бура ҡәбиләләре ҡурғандарынан алынған сәсбау-түшелдеректәр менән дөйөм типологик яҡынлығы шик тыуҙырмай. Бында ошо биҙәүестәр комплексының ҡатын-ҡыҙҙар ерләнгән ҡәберҙәрҙән табылыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Уйлауыбыҙса, ошо түшелдеректәр - башҡорттарҙа әлеге заманға тиклем массовый рәүештә һаҡланып ҡалған ҡатын-ҡыҙ күкрәксәләренең иң боронғо һәм сағыу прототибы ул. Сағыштырылған түшелдеректәр араһындағы конструктив оҡшашлыҡ беленеп тора, тик уларҙың айырмаһы хәҙерге башҡорт күкрәксәләрендә (башҡортса - яға, һаҡал) биҙәүес сифатында сәйлән, көмөш тәңкәләр йә иһә ябай пластиналар ҡуланылыуында ғына. Конструкцияһы буйынса оҡшаш ҡатын-ҡыҙ түшелдеректәренең хәҙерге мириҙарҙа, сыуаштарҙа һәм Төньяҡ Евразияның башҡа халыҡтарында һаҡланып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Беҙҙең бында сағылдырылған күҙәтеүҙәребеҙ дөрөҫ юҫыҡта бара икән, ғалимдарыбыҙ ҡарамағында ҡиммәтле сығанаҡҡа тиң материал барлыҡҡа киләсәк: ул Урал-Волга буйының бронза быуаты ҡәбиләләре мираҫының, үҙгәрә барып, ошо төбәк халыҡтарында хәҙерге заманға тиклем һаҡланып ҡалыуына дәлил булып тора. Был дала Евразияһы ҡәүемдәре, иң элгәре Көньяҡ Урал, Көньяҡ Себер, Урал-Волга буйы халыҡтары этногенезы башланғысының, шул иҫәптән хәҙерге башҡорттарҙың да, бронза быуаты ҡәбиләләренә барып тоташыуы хаҡындағы фекергә етерлек дәлил булып торасаҡ. Уҡыусы, Көньяҡ Уралда бронза эпохаһына ҡараған 22 ҡәлғә-ҡаласыҡ асылып, ошо нигеҙҙә оригиналь билдәләре булған археологик мәҙәниәтте айырып ҡарау дала Евразияһы археологтарының барыһы өсөн дә һис бер көтөлмәгәнсә булды, һәм һынташты ҡәбиләләре тарихының үҙәк мәсьәләләре буйынса әлегәсә берҙәм фекер юҡ. Бына, мәҫәлән, бер төркөм тикшеренеүселәр Көньяҡ Уралда һынташты мәҙәниәтенең бында көнбайыш райондарҙан килгән абашев мәҙәниәте ҡәбиләләренең әүҙем йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килеүе хаҡындағы фекергә килә. Хатта ошо мәҙәниәттең абашевсылар мәҙәниәтенең бер варианты булыуы хаҡындағы ҡараш та бар. Шулай уҡ Г.Б. Здановичтың оппоненттары Арҡайым тибындағы ҡәлғәләрҙең барлыҡҡа килеүен Урал-Волга буйы төбәге ҡәбиләләренең бер ни тиклем кимәлдә дала халыҡтары төркөмө һәм ям мәҙәниәте ҡәбиләләре вариҫтары ҡатнашлығында барған бәйләнеш һөҙөмтәһе итеп ҡарай. Ҡайһы бер авторҙар күрһәтелгән ҡомартҡыларҙың барлыҡҡа килеүендә Төньяҡ Кавказ ҡәбиләләренең ҡатнашыуы мөмкинлеге хаҡында ла һүҙ йөрөтә. Арҡайым тибындағы ҡомартҡыларҙың функциональ тәғәйенләнеше буйынса тикшеренеүселәр араһында фекер айырымлыҡтары бик күп. Күптәр Г.Б. Зданович һәм уның коллегалары тикшеренеүҙәренең төп положениеларына - ҡеүәтле нығытмалар системаһы булған Арҡайымға иш тораҡтарҙың дини-административ, һөнәри һәм хәрби һаҡ функцияларын үтәүсе протоҡала үҙәктәре булғанлығына ҡаршы килә. Оппоненттар фекеренсә, был тораҡтар - малсылыҡ-ер эшкәртеү менән көн иткән халыҡтың Көньяҡ Уралда барлыҡҡа килгән ҡәҙимге, әммә иртә ҡәлғә-ҡаласыҡтары ғына. Улар, үҙҙәренең ошо кире ҡағыусы ҡараштарына дәлил итеп, көньяҡ мәҙәни үҙәктәрендә Арҡайым кеүек тораҡтарҙың иштәре (аналогтары) булмауына һылтана. Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА. Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе. (Дауамы. Башы 28-се һанда). "Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 35 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын киңәйткән законға ҡул ҡуйған. Бының турала хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталына һылтанып, ТАСС хәбәр итә. Ике балалы ғаиләләргә түләү күләме артасаҡ. Сумманы йыл һайын индекслау ҙа ҡаралған. Капитал түбәндәгесә тәшкил итәсәк: – ғаиләлә 2020 йылдың 1 ғинуарынан алып, беренсе бала тыуған йәки уллыҡҡа/ҡыҙлыҡҡа алынғанда – 466 617 һум, – икенсе йәки унан һуңғы бала тыуһа – 616 617 һум. Был үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә, ғаиләләр әсәлек капиталын йорт төҙөүгә йәки ремонтлауға (шул иҫәптән баҡса ер биләмәләрендә) йүнәлтә аласаҡ. Быйыл беренсе һәм икенсе бала өсөн аҡсаға миллиондан ашыу ғаилә өмөт итә аласаҡ. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Для Cyberpower678 фекерләшеү блоклау яҙмалары тейәүҙәр журналдар урынһыҙ файҙаланыуҙар яҙмалары журналы Перейти к навигации Перейти к поиску Башҡарған эште эҙләүасырғатөрөргә ⧼contribs-top⧽ Ҡулланыусының IP-адресы йәки исеме: Исемдәр арауығы: бөтә(Төп)ФекерләшеүҠатнашыусыҠатнашыусы менән һөйләшеүВикидәреслекВикидәреслек буйынса фекерләшеүФайлФайл буйынса фекерләшеүMediaWikiMediaWiki буйынса фекерләшеүҠалыпҠалып буйынса фекерләшеүБелешмәБелешмә буйынса фекерләшеүКатегорияКатегория буйынса фекерләшеүTimedTextTimedText talkМодульМодуль буйынса фекерләшеүГаджетГаджет буйынса фекерләшеүГаджет билдәһеГаджет билдәһе буйынса фекерләшеү Һайланғандарҙы әйләндерергә Бәйле арауыҡ Билдәләрҙе һайлау: discussiontools-added-comment (скрытый тег)Mobil web үҙгәртеүSWViewer [1.4]wikieditor (скрытый тег)Кире алынғанКүҙләгес мөхәррирМобиль үҙгәртеүдоставка MassMessageзаменайүнәлтеү маҡсаты үҙгәрешекире алыуоткаточисткарасширенная мобильная правкаредактор вики-текста 2017ручная отменаудалено перенаправлениеяңы йүнәлтеү
Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге матур йола буйынса гәзит алдырыусылар – 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната башланы. Вәғәҙә иткәнебеҙсә, был юлы ла бүләктәр бик күп, бик шәп һәм һәр ғаилә өсөн бик кәрәк. Гәзиткә яҙылығыҙ һәм квитанцияғыҙҙы беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресына ебәрегеҙ.Киләһе бүләк уйнатыу 13 октябрҙә иртәнге 11-ҙә уҙа. Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге матур йола буйынса гәзит алдырыусылар – 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната башланы. Вәғәҙә иткәнебеҙсә, был юлы ла бүләктәр бик күп, бик шәп һәм һәр ғаилә өсөн бик кәрәк. Гәзиткә яҙылығыҙ һәм квитанцияғыҙҙы беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресына ебәрегеҙ. Хаҡтар түбәндәгесә: *почта аша ярты йылға - 1077 һум 18 тин, *граждандарҙың льготалы категорияһына - 987 һум 78 тин. *гәзиттең электрон версияһына ярты йылға 696 һумға, ә бер йылға 1178 һумға яҙылырға мөмкин. *редакциянан үҙегеҙ килеп алған осраҡта ярты йылға яҙылыу хаҡы 630 һум буласаҡ. Корпоратив, йәғни коллектив менән яҙылыу ҙа ошо хаҡҡа төшәсәк. Шәп бүләктәрҙе отҡоғоҙ киләме? Улайһа ашығығыҙ, дуҫтар! Киләһе бүләк уйнатыу 13 октябрҙә иртәнге 11-ҙә уҙа. Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Бер Ҡытай хакимы һарайындағы хеҙмәтселәр менән һунарға сыға. Күл буйына килеп етеү менән хаким унда йөҙөп йөрөүсе аҡҡошто күрә һәм уғын уға төбәп атып ебәрә. Ләкин сәпкә теймәй... Бер Ҡытай хакимы һарайындағы хеҙмәтселәр менән һунарға сыға. Күл буйына килеп етеү менән хаким унда йөҙөп йөрөүсе аҡҡошто күрә һәм уғын уға төбәп атып ебәрә. Ләкин сәпкә теймәй. Аҡҡош тиҙ генә ҡамышлыҡтар араһына инеп юғала. Шул саҡ хакимдың хеҙмәтселәре ҡысҡырыша башлай: – Ҡалай уңышлы төбәп аттығыҙ, әфәнде! – Беҙҙең хакимыбыҙ Ҡытайҙың иң шәп уғатары! – Беҙҙең хакимдың уғы һәр саҡ сәпкә тейә лә ҡуя ул! Атҡан уғының аҡҡошто хатта яралап та ҡарамағанын, хеҙмәтселәренең икейөҙлөләнгәнен белһә лә, хаким өндәшмәй. Тик һарайына ҡайтҡас, аҡыл эйәһенән һорай ҡуя: – Әйт әле, ни өсөн минең хеҙмәтселәрем алдаша? Улар берәй ваҡыт дөрөҫтө һөйләрме миңә? Аҡыл эйәһе хакимға шулай тип яуғап ҡайтара: – Әгәр хаким шиғыр ярата икән – хеҙмәтселәре лә уға шиғыр уҡый. Әгәр ҙә хаким музыка менән мауыға икән – хеҙмәтселәре музыка ҡоралын ҡул осонда ғына тота. Әгәр хаким ялағайлыҡты һәм ялғанды ярата икән – ул саҡта хеҙмәтселәре лә ялағайлана һәм алдаша. Хеҙмәтселәр хакимға оҡшаған, уның күңелен төшөрмәгән эште генә башҡара. Шулай булғас, әфәндем, уйлап ҡарағыҙ инде – һеҙгә ялғанларға мәжбүр булған хеҙмәтселәр ғәйеплеме бында? Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Рәхим итегеҙ номерҙары менән ҡыҙ чат, форумдың буйынса мөһим ч һин-бүлмәБыл ч күңелле, берҙәм булыуы менән берләшеү һәм илдең төрлө йәштәге ҡыҙҙар өсөн барлыҡ платформаларында. Береһе яҡшы, уңайлы булһын өсөн сайҡала, Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ сәләмләне интернет-форум һеҙҙең өсөн генә эшләй. Видео чат һәм форумында ҡатнаша, шулай уҡ текст, дуҫтар менән аралашырға яҡшы. Был бурыс һеҙҙең һәм беҙҙең бөтә нәмә булған була, ти. ... Башҡа телефондарға теркәлгән урыны теркәлгән верификация танылды Йәшерен тапҡыр тикшерелде, унда партнерҙар-балалар буш ваҡытта шөғөлләнә йәки тотҡарлай- бының өсөн һуң күп тәҡдимдәр яңғыраны. Кудри башҡа төрлө ярҙам менән тәьмин был сәбәп буйынса теркәлеп кеҫә телефоны шылдырып, ул ortende аноним булып ҡалырға тейеш. Әммә башҡа урын теркәлмәгән кәрәҙле телефондар эшләй. Эйе, ысынлап та, мөмкинлек булғанда телефон башҡа урында теркәй ала. Тик был осраҡта башҡалар ҡуллана өсөн генә, мәҫәлән, шул саҡта, йәки башҡа хәүефле... Һәм дания осрашыуына өсөн етди никах мөнәсәбәттәре Миңә лә сәйәхәт итергә ярата Һәр ваҡыт кәңәштәре менән һәр саҡ дуҫтарса ышаныслы һәм персонал һәм иҫ киткесМин һинең менән бик яҡшы һәм талят мин ҡотола алмай. Минең мауығыу - прокатиться һыбай, велосипедта прокатиться, поход һәм уҡыу. Мин үҫкән Шөғәлләнгән, нью-йорк штаты, унда мин тыуған, ул һәм мин булмай, кем гитарала уйнап, был минең хобби булһа, һәм йырлай һәм бейеү. Мин әсәй-одиночка, бер европа илдәре һәм башҡа илдәргә сәйәхәт мин теләйем, мин бында эшләргә, дания, об... Менән башланды ҡыҙы нисек танышып, ғаилә һәм мөнәсәбәттәр Иң яҡшы юл юҡ бары мөхәббәткә Ҡайһы берҙә булмаһын, - тип, ҡыҙ егетте күреп, уның оҡшатамМин китергә теләр инем, уның менән таныша алһын өсөн, тик нисек тоторға тигән нәмә. Ҡыйыуһыҙлыҡ һәм бында (бигерәк тә, әгәр уны оялған, холҡо буйынса аҫтыртын), показано бестактный һәм ҡурҡыу, бәйләнсек. Ҡурҡыу булыуын кире ҡаға һәм, бигерәк тә, издевательский тон, ехидна, шулай уҡ туҡтай. Кем оҡшамай ине, әгәр һеҙ посмешищем уларҙа доминирующая ҡуя ине. Әммә хәтеремдә: ке... Етәкселеге заможняя ҡатын-ҡыҙ осрай: комментарий советы танышып өйләнешә романы өсөн Ҡасан етә эш тоташыу, һайларға өлгөрөп, күп өстөнлөктәре алыу заможняя ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәттә булыу, йәш ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда, бер йәки интрижка эҙләйҒәҙәттә, йыйнаҡ һәм тәжрибәле өлкән кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ күберәк. Был бигерәк тә тоғро булды, никах улар бәхетһеҙ, сөнки улар нисек булһа аңлата, һеҙҙең өсөн, һеҙҙең сорвиголова спуд аҫтында һаҡлана. Йәш булыуына ҡарамаҫтан ажиотажды һәм енси өҫтөнлөгө өсөн ҡатын-ҡыҙ, ир-егеттәре тураһында күберәк белә. пума түшәк күпкә ... Һиндостан: ҡыҙ бала һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡуллана Кормилец улы булараҡ һиндостанда ҡулланылып, облигациялар күҙәнәге һәм вариҫы - ҡыҙ-бирнәле ҡиммәтле, киреһенсә, фәҡирлек ҡурҡыныс түгелҠыҙ аборт булған һайын, субконтинентында шуға күрә, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, медицина журналы баҫтырып. Береһе-һиндостанда киң ҡарашлы һәм ҡыҙҙарҙы үлтереү өсөн аборт тип аталған селектив 'фунгицид', 'Fötid'. Һиндостан г тикшерелгәндән һуң, улар күрһәтеп, донъяның иң бөйөк ҡатын-ҡыҙҙар араһында был милләт ил дошманы. Һинд ҡыҙҙары йәмғиәтенә киң та... Менән дания менән осрашты фотоһүрәттәр A 'coinneachadh girls anns na H-innseachan: Video Cabadaich air-loidhne a tha a' dol, girls tha a feitheamh riut 18 ч видео трансляции онлайн ч танышты рулетка случайных танышыу ҡыҙ менән танышырға теләй фото бушлай таныша ҡатын-ҡыҙ белергә танышты видео сайтында танышырға видеочивать теркәлгән онлайн без теркәлгән бушлай онлайн видео чат 18 онлайн ч рулетка
Башҡортостан 2020 йылды яңы Башлыҡ менән ҡаршы алды. Яңы йылда яңылыҡтар күп булды. Спиртлы эсемлектәр һатыуҙа ваҡытлыса сикләүҙәр индереү – шуларҙың береһе. Уның тәүге һөҙөмтәләре – янғындар кәмерәк, тимәк, ҡорбандар ҙа әҙерәк. Әгәр Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһен Мәскәүҙә лә ишетһәләр, Рәсәй кимәлендә таралыу табыуы ла бик ихтимал. Башҡортостан 2020 йылды яңы Башлыҡ менән ҡаршы алды. Яңы йылда яңылыҡтар күп булды. Спиртлы эсемлектәр һатыуҙа ваҡытлыса сикләүҙәр индереү – шуларҙың береһе. Уның тәүге һөҙөмтәләре – янғындар кәмерәк, тимәк, ҡорбандар ҙа әҙерәк. Әгәр Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһен Мәскәүҙә лә ишетһәләр, Рәсәй кимәлендә таралыу табыуы ла бик ихтимал. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡәнәғәт булыуын йәшермәй, сәхифәһендә бына нимәләр яҙа: “Һәр оҙайлы байрамда ҡотолғоһоҙ бәлә булып янғындар тора ине. Ғинуарҙың тәүге көндәрендә – йөҙҙәрсә янғында тиҫтәләрсә һәләк булыусы, яраланыусы, өйһөҙ ҡалыусы. Беҙ был бәләнән ҡотолоуҙың системаһын төҙөйбөҙ. Иҫкәрткестәр ҡуябыҙ, өй беренсә йөрөйбөҙ, кешеләр менән эшләйбеҙ. Һөҙөмтләр күренеп тора. Янғындар 25 процентҡа кәмене, былтырғы менән сағыштырғанда, һәләк булыусылар 80 процентҡа әҙерәк теркәлде. Эйе, янғындар һәм эскеселек менән көрәш артабан да дауам итәсәк. Сөнки һәр һан артында – яҡташтарыбыҙҙың емерелгән яҙмыштары. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тағы ла бер тапҡыр яңы йыл менән һеҙҙе!” Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Аман Юлъяҡшин Вәлиев Хәйрулла бабайҙан яҙып алған. Берҙән-бер көндө Әлтәшле ауылында (Ауылды нигеҙләүсе Әлдәшир була, һуңынан «Әлдәшир»ҙән «Әлтәшле»гә әйләнә, хәҙерге Ҡолҡан ауылы) Зөлҡәрнәй исемле кешенең бейәһе ҡолонлай. Был ҡолондоң үҙенә генә хас үҙенсәлектәре була: һыртынан бауыр аҫтына тиклем, буй-буй булып, аҡ һәм ҡыҙыл төҫтә ала төшкән, ә һәр бер буйҙа аҡ төҫ өҫтөндә ҡыҙыл, ҡыҙыл өҫтөндә бармаҡ башы ҙурлығы ғына аҡ төктәр була. Төҫөнә күрә, эйәһе уны Аласабыр тип исемләй. Уны күрергә килгән, атты яҡшы белгән һынсыл ҡарттар, аҡһаҡалдар, Зөлҡәрнәйгә был ҡолондоң киләсәктә ел еткермәҫ йүгерек ҡотло ат булырын юрайҙар ҙа уны нисек тәрбиәләргә, нисек ашатырға кәңәш бирәләр. АЛАСАБЫР Аласабыр ябаҡтан тайға әйләнгәс, Зөлҡәрнәй уны, ҡарттар кәңәшенсә, ашата, тәрбиәләй башлай. Атҡа һоло биреүҙең дә үҙенә күрә рәте бар. Күпте күргән, күпте белгән ҡарттар кәңәш иткәнсә, һолоно ул ҡаҙанда бүрттереп, икмәк бешереп алынған ҡыҙыу мейестә киптереп, һуңынан ҡыҙҙырып ашата. Ошолай иткәндә, һолоноң майы сығып, ул туҡлыҡлы була. Шуны ашатһаң, эсе тартылып, ат буйһыулана, кәүҙәгә еңел, ә көскә, ҡеүәткә кәрле була. Тай сағында уҡ атта сос йөрөгән малайҙарҙы мендереп, Зөлҡәрнәй Мырҙаҡай ауылының осонан Әлтәшлегә тиклем Аласабырҙы сабыштыра башлай. Ат башындағы малайға, теҙелеп баҫҡан һыҙыҡтан киткәс тә, атты ныҡ ҡыумаҫҡа, үҙ ыңғайына ҡуйырға; әгәр аттың барышы артһа, алда барған аттың артҡы аяғы тәңгәленән бармаҫҡа, сөнки ул ғәрсел ат, үҙенә етеп килгән Аласабырҙың түшенә тибеп, артабан сабышыу, уҙышыу дәртен һүндереүе бар; ә инде уҙырға кәре булғанда, юлдың йәтешлегенә ҡарап, йә уңдан, йә һулдан, атты һыҙырып: «Әйҙә, малҡай», – тип ҡеүәтләп, уҙырға кәрәк икәнлеген әйтеп, кәңәштәр бирә. Мырҙаҡай ауылы осондағы йәшел тигеҙлектә аттар теҙелеп бөткәс, берәү шәп итеп һыҙғырып ебәрә – бар бәйге аттары Әлтәшлегә табан сабып сығып китә. Аласабыр, бындай нәмәне тәү тапҡыр күргәнлектән, аҙап ҡала, урынында тыпырсына. Ат башындағы малай, теҙгенен ҡарғып, сыбыҡ менән бер һелтәнгәс кенә, иң аҙаҡтан тегеләрҙе ҡыуа төшә. Бөтәһе ун ат саба, Аласабыр барған һайын тиҙлекте арттыра барып, уларҙы уҙа бара, Әлтәшленең ауыл осона тиклем бишеһен уҙа. Мәсет тәңгәленә килеп еткәндә, алда ике генә ат ҡала... Аттың тәүге сабышындағы холҡон ат башындағы малайҙан һорашҡас, Зөлҡәрнәй дәртләнеп китә: Аласабырҙы ауыр йөк менән бик үк йонсотмаҫҡа, унан яҡшы сабыш аты сығырға тейеш – ырамлы саба, сәме бар, ара ни тиклем йыраҡ булһа, шул тиклем уның тыны оҙоная, алдағыларҙы уҙа. Һабантуйҙар яҡынайыу менән, ауылдағы йүгерек аттарҙы сабыштырып ҡарау ғәҙәти бер эшкә әйләнеп киткән. Аласабыр инде тәүге сабыштағы һымаҡ аҙап ҡалмай, шунда уҡ алға ынтыла, шулай ҙа ике ауыл араһындағы сабышта Басарыйҙың ҡола дүнәнен уҙып китә алмай, артынан килеп еттем тигәндә генә, сабышыу юлы бөтә лә ҡуя. Хәҙер инде хужаһы, һабантуйҙар алдынан аттың эсен тартылдырыр өсөн, уны үтә яҡшы тәрбиәләй башлай: һолоно бүрттереп, ҡыҙҙырып, шунан килелә төйҙөрөп, ҡабығынан таҙартып, ағас тирмәндә тарттырып, ярмаға әйләндереп тә ашатҡылай, икмәген дә ҡаптырғылай. Атты май бөрмәһен өсөн, Аласабырҙы һәр саҡ хәрәкәттә тота. Ул киң күкрәкле, нәҙек бөйөрлө, урта көрлөктәге еңел кәүҙәле, күҙҙәре баҙлап торған һоҡланғыс бер атҡа әйләнә бара. Бер саҡ Зөлҡәрнәйгә сәйер генә уй килә: «Сабышыу араһын йырағыраҡтан – Ҡарағай һыртынан – алғанда, нисегерәк булыр икән?» Кешеләр менән һөйләшкәс, малайҙарҙы сабыш аттарына мендереп, Ҡарағай ауылы һыртына ебәрәләр. Ололар ҙа ат менеп, был күренеште ҡарар өсөн, алғараҡ барып тора. Бына бер ваҡыт йыраҡтан күренеп торған һырт башынан ат тояҡтарынан ҡупҡан туҙан һуҙыла. Ҡылтауҡайындан байтаҡ кире килгәнсе, теге ҡола дүнән алды бирмәне, ти. Әммә артынан Аласабыр уны ҡыҫтай ине, ти. Барған һайын уның тыны оҙайған – тиҙлеге артҡан. Мырҙаҡай ауылы осона етерҙән алдараҡ һыҙа буйына яҡынлағанда, теге ҡола дүнән яйланы, Аласабыр тиҙлеген арттырып, алға сыҡты, ти. Сабышыусы аттар Әлтәшлегә яҡынлағанда, Аласабыр тегеләрҙән ярты саҡрым самаһы алда барған. Ошо һынауҙан һуң Зөлҡәрнәй Аласабырҙы һабан туйҙарында сабыштырып була икәнлегенә тамам төшөнә. Эйәһенә уның дан һәм мал килтерәсәгенә өмөтләнә башлай. Ваҡыт үтеү менән Зөлҡәрнәйҙең Аласабырға булған ышанысы тулыһы менән аҡлана: ул Кесе һәм Кәлсер Табында ғына түгел, тотош Табын ырыуының данын күтәрә. Йыйын бәйгеләрендә уны уҙыусы бер ат та табылмай. ...Бына 1846 йылдың 30 авгусы тыуа. Аҙна буйына һуҙылған юл мәшәҡәтенән йонсоған кесе табындар Каруанһарай ҡунаҡханаһында рәхәтләнеп йоҡлай, аттары ла үҙҙәре янында. – Ай-Һай, Василий түрә башлы кеше икән, беҙҙе, элекке һымаҡ, фатир эҙләп йонсоп йөрөмәһендәр тип, бына ниндәй ҙур эш башҡарҙы бит, ә-ә-ә, – тип һуҙып ҡына һүҙ башланы, ти, берәүһе. Бөтәһе лә уянған, ятҡан ерҙән генә һөйләшәләр икән, ти. – Аттарыбыҙ ҙа ышаныслы ерҙә бит әле... Элек ни, атын юғалтып, йәйәүгә ҡалып та ҡайта торғайнылар бит, – тип ҡуя икенсеһе. Иртәнгене ашап алғас, аттарын тәрбиәләнеләр, ти. Көн болотло, һалҡынса ямғыр һибәләй ине, ти. – Былай булһа, һабантуйҙың йәме булмай инде, – тип ҡуялар үҙ-ара. Иртәгә һабантуй башлана тигән көндө Зөлҡәрнәй аты менән яланға сыға. Ат сабыштырырға килгәндәр менән бергәләп йөрөй. Ҡайтышлай, Яйыҡҡа барып атын таҙартып, йөҙҙөрөп алып ҡайта. Был һабантуйға Хоҙай үҙе фатиха бирә. 20 авгусҡа тиклем болотло булған һалҡын көн 30 августа салт аяҙға әйләнә. Бар халыҡтың рухы күтәрелә. Һәр кантондан килгән ҡунаҡтар өсөн айырым урындар билдәләнә. Сабыша торған аттар бер тирәлә тәртип менән йыйыла. Һәр кем үҙ атына ышана, беренселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ниәтләнә. Ҡаҙаҡ далаларынан да ат сабыштырырға килгәндәр. Ҡайһы ат алдан килгәнен төҫмөрләр өсөн, ат айышын белгән һынсылар йөрөй. Атты яҡшы белгән бер һынсыл әбей артынан ҡаҙаҡтар, бер тотам да ҡалмай, юрғалап йөрөй. Әбей атты ҡырҙаныраҡ ҡарап тора ла, яҡын килеп, аттың башын тотоп, тын ала торған танау тишектәрен ҡарай ҙа, үҙ эсенән генә мөңгөрҙәп ҡуя. Ҡаҙаҡ әбейе табындар янына килеп етеү менән, Аласабырҙың эйәһенән атты тотоп ҡарарға рөхсәт ала ла уның тәнен ҡапшап ҡарай. Шунан Зөлҡәрнәйҙән аттың йәшен, элек ярыштарҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауын һорап тора ла шәп кенә атлап китеп бара. Арыраҡ киткәс, үҙенә эйәреп йөрөгәндәргә ошо аттың сабышта беренсе киләсәген, ҡаҙаҡтарҙа уны уҙа алырлыҡ ат юҡлығын әйтеп бирә. Ҡаҙаҡтар Аласабырҙы сабышта ҡатнаштырмау сараһын күрә башлай. Төрлө-төрлө хәйлә ҡора улар. Бер аҙҙан Зөлҡәрнәй янынараҡ килеп, уға ишетерлек итеп: – Бөгөн ат сабышы булмай икән, шунлыҡтан хәҙер үк ҡайтып, атты эсереп-ашатып, иртәгәгә тиклем ял иттерергә көрөк, – тип һөйләшеп торалар ҙа, аттарына менеп ҡайтып киткән кеше булалар. Юрый тороп ҡалған берәүһе Зөлҡәрнәйгә: – Кешеләр ҡайтып китте, һин ниңә атыңды йонсотаһың, әйҙә ҡайттыҡ, – тип китеп бара. Зөлҡәрнәй быларҙың һөйләшеүенә, ысынлап та, ышана, ҡайтып, Аласабырҙы һуғара ла, уға һоло бирә. Каруанһарай һабантуйын асыу тантанаһы оҙағыраҡ бара: төшкә табан ғына ослана. Алдан билдәләнгәнсә, тәүҙә ат сабыштарын белгән, башҡорт аттары тураһында ишетеп кенә түгел, күп походтарҙа үҙе күреп белгән генерал Циалковский был эш йөкмәтелгән бер башҡорт түрәһен алданыраҡ ебәреп, әҙерлекте тикшерергә ҡуша. Ат сабышында 200 ат ҡатнашырға тейешлеген күптәр белһәләр ҙә, һәр кем үҙ атының, үҙ ырыуының даны өҫкә сығыуын теләй. Бүләктәр бик затлы була. Бындай ҙур бүләктәрҙе башҡа һабантуйҙарҙа ишеткәндәре лә, күргәндәре лә булмай: төрлө төҫтәге буҫтауҙан тегелгән өс башҡорт сапаны, икеһе алтынланған, береһе көмөшләнгән Бохара еләне, сик буйы комиссияһы рәйесе генерал-майор Лазыжинскиҙың көмөш кубогы, фирүзә ҡашлы алтын йөҙөгө, көмөштән ҡойолған ғәскәри хәрби борғоһо, көмөш йүгертеп биҙәлгән теүәтәйе, сауҙагәр Деев вәғәҙә иткән дөйә... Ат сабышын түҙемһеҙлек менән көткәндәр араһында иң тынғыһыҙҙары 1812-1814 йылдарҙа француз яуынан еңеп, миҙал алып ҡайтҡан Табын ырыуы ҡарттары булғандыр, моғайын. Ниндәй ауыр һуғыш шарттарында ла башҡорт аттары кеүек сыҙамлы, батыр аттар булмаған бит. Табындарҙың бар өмөтө Аласабырҙа була. Шул өмөттө аҡлау бурысын йәштәргә йөкмәтеү менән ҡәнәғәтләнмәй, ҡарттар аттар янына үҙҙәре бара. Зөлҡәрнөйҙең ҡайтып атына һоло биреүенә күп тә үтмәй, артынан бер төркөм табындар килеп етә. Улар шунда уҡ уны өтөп ала: – Ниңә ҡайтып киттең? Сабышта ҡатнашмаҫҡа ни хаҡың бар?! Һыу эсеп, һоло ашаған аттың сабыша алмаҫына ныҡ ышанһа ла, килгәндәрҙең ҡыҫтауына түҙә алмай, Зөлҡәрнәй атына менергә мәжбүр була. Һабантуй майҙанына килеп етеүгә, бар сабыш аттары бер ергә тупланған була. Зөлҡәрнәй хәлде аңлатып: – Аласабыр сабыша алмай, һәләк буласаҡ, – тип әйтеп ҡараһа ла, күпте күргән яугир-аҡһаҡалдар үҙ һүҙҙәрендә ныҡ тора: – Аласабырһыҙ ат сабышы булмай!!! Ярышта ҡатнашырға тейешле барлыҡ аттар Ырымбурҙан 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Һаҡмар почта станцияһына табан юл ала. Аттарҙы ныҡ ҡыумайынса, талғын ғына юрттырып баралар. Зөлҡәрнәйҙең башында төрлө уйҙар ҡайнаша. «Бәлки, ҙур араға барып еткәнсе, Аласабырҙың эсе бушар, ул саҡта беренселек беҙҙеке буласаҡ», – тип өмөтләнә ул. Аттарҙы теҙеп бөткәс, бәйгенең башланыуын белгертеп, мылтыҡ аталар. Тын ятҡан дала ҡапыл мәңгелек йоҡонан уянып киткәндәй була. Зөлҡәрнәйҙең Аласабыры, уҡ һымаҡ алға ынтыла, ҡалған бәйге аттары уның артынан теҙелә. – Эй, Хоҙайым, ҡеүәт бир минең Аласабырыма! – тип теләк теләй Зөлҡәрнәй. Тик бер саҡрым самаһы матур ғына алдан барған аты ҡапыл тиҙлеген юғалта башлай, арттағы аттар берәм-берәм алға уҙып китә. – Ах! Харап ҡына була бит малҡайым, – тип көйәләнә Зөлҡәрнәй. Бер аҙҙан Аласабыр бөтөнләй туҡтай, үҙен уҙып киткән аттарға ҡарап, моңһоу ғына кешнәп ҡуя. Зөлҡәрнәй атынан төшөп ни эшләргә белмәй торғанда, Аласабыр ергә ятып аунай башлай, һикереп тороп эсен бушата. Бына ул, йәнләнеп китеп, түҙмәй бер урында тыпырсына башлай, еңел генә итеп кешнәп: «Йә, хужам, мен инде, киттек!» – тигән һымаҡ була. Зөлҡәрнәй менеүе була – аты уҡтай алға ынтыла. Аласабыр әленән-әле тиҙлекте арттыра бара. Бына ул аттар төркөмөн ҡыуып та етә. Зөлҡәрнәй уҙа килгән аттарҙы һанай башлай. – Йөҙөнсө... йөҙ егерменсе... Эй, малҡайым, тырыш инде, һынатма! – тип атын бер туҡтамай ҡеүәтләп, муйынынан һөйөп бара. ...Был ваҡытта ат сабышы көткән һабантуй гөж килә. Башҡорт ғәскәрҙәре командующийы Циалковский бейек трибунанан ҡарап бәйгене күҙәтә. Генерал эргәһендә генә, француздарҙы еңеп, Парижда тирмә ҡороп, ҡурай уйнатып ҡайтҡан Табын ырыуы яугирҙәре алдан ниндәй төҫтәге ат килеүен һораштырғылап тора. Аласабыр төҫөндәге ат бәйгелә берҙән-бер генә. Алдан туры, ҡара төҫтәгеләр килеүен ишетеп, табындар тынғыһыҙлана башлай: – Ни булды Аласабырға? Әбрәй батыр тегеләрҙең көйаләнеүенә тыныс ҡына: – Аласабыр шундай ат: үлһә, сәсрәп үлер юлда, үлмәһә, беренсе килер, – тип ҡуя. Эй Алла, иҫән генә булһын инде, – тип үҙҙәрен тынысландыра табындар. ...Зөлҡәрнәй, һанай килеп, һанды 199-сыға еткерә: – Эй, малҡайым, бар байлығым минең, тағы ла бер ынтыл инде – һуңғыһы бит!!! – тип атының ялын ысҡындырып, ике ҡулы менән муйынын һөйә, әллә шатлыҡтан, әллә шул тиклем ҙур тиҙлектәнме, тамағына төйөр ултырғандай була – Аласабыр, «һә» тигәнсе, үҙенән алда елгән иң һуңғы атты ла уҙып китә. Ала аттың алға сығыуын ишеткәс, табындар, шатлыҡтан, Аласабырҙы ҡаршыларға йүгерә. Ҡаҙаҡтар ни эшләргә белмәй сыуалыша башлай, үҙҙәренең аттарына ҡаршы барабыҙ, тигән булып, алдан килгән атҡа ҡамасаулау өсөн, һыбайлы малайҙар ебәреп булашалар. Ләкин ат сабышы өсөн яуаплы кешеләр уларҙы кире бора. Аласабыр барлыҡ аттарҙы ла уҙғас, Зөлҡәрнәйҙең яурынынан ауыр йөк төшкәндәй була, тәнендә ул ниндәйҙер рәхәтлек тоя. Аттарҙы күпме самаһы артта ҡалдырыуын белергә теләп, ул артына әйләнеп ҡарай. Тик башын ҡабат алға борған мәлдә, көслө тиҙлектән барлыҡҡа килгән елгә ҡаршы тора алмайынса, атынан осоп ҡала. – Алға, Аласабыр, алға! – тип ҡысҡырырға ғына өлгөрө. Нисек кенә үкенесле булмаһын, Зөлҡәрнәй атының тиҙерәк финиш һыҙығына барып етеүен теләй. Ә был ваҡытта һабантуй гөж килә башлай. – Алдан килгән аттың кешеһе ҡайҙа һуң? Ҡолҡан, Сәйетбаба халҡы тиҙ генә бер нисә кешене, ат мендереп, Зөлҡәрнәйҙе эҙләтергә ебәрә. Бына тиргә батҡан Аласабыр, башҡа аттарҙы саҡрым самаһы артта ҡалдырып, майҙанға килеп инә. Шунда уҡ һабантуйҙы яңғыратып кешнәп тә ебәрә. Ҡарттар: – Эйәһенә тауыш бирә, эйәһен эҙләй... – тиешә. Әбрәй батыр Аласабырҙың теҙгенен эләктерә һалып, атты йөрөтә башлай. Ә ҡарттар Аласабырға һәм уның эйәһенә тейешле бүләктәрҙе алырға китә. Табын ырыуы кешеләренең шатлығы сикһеҙ була. Ат сабышында отолған ҡаҙаҡтар сыр-сыу килешә. Аттан йығылып ҡалған Зөлҡәрнәйҙе лә килтереп еткерәләр. Бәхеткә күрә, уның бер ере лә имгәнмәй. Тиҙҙән ҡаҙаҡтар Зөлҡәрнәйҙең эргәһендә сыуалыша башлай. Улар, нисек булһа ла, Аласабырҙы ҡулға төшөрөргә хыяллана. Берәүҙәр алмашҡа ете йөҙ баштан торған бер көтөү ҡуй, икенселәре бер өйөр йылҡы тәҡдим итеп булаша. Халыҡ араһында йөрөгән һүҙҙәргә ҡарағанда, Зөлҡәрнәй Аласабырҙы бер өйөр йылҡыға алмашҡан. Ләкин ул, Аласабырҙы алмашып, уңа алмаған – барлыҡ малы ҡырылып бөткән. Ил ҡарттары Зөлҡәрнәйҙең был эшенә риза булмайынса: «Аласабыр аттың ҡото ине, ул башҡорт еренән киткәс, аттың ҡото китте», – тип, үкенес менән иҫкә алыр булғандар.
Ниһайәт, тип иркен тын алырға ла булалыр – күмәк көс менән урман янғындарының осона сығып киленә – Аллаға мең шөкөр, МЧС-тарға, урмансыларға, ирекмәндәргә, илгә бәлә килгәндә үҙ өлөшөн индергән һәммә-һәммәһенә! Эшегеҙ өсөн рәхмәт! Ниһайәт, тип иркен тын алырға ла булалыр – күмәк көс менән урман янғындарының осона сығып киленә – Аллаға мең шөкөр, МЧС-тарға, урмансыларға, ирекмәндәргә, илгә бәлә килгәндә үҙ өлөшөн индергән һәммә-һәммәһенә! Бөгөн район хакимиәте алдында республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән МЧС хеҙмәткәрҙәрен бөтә район халҡы исеменән ҙур рәхмәттәр әйтеп, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләп тантаналы оҙатыу булды. Техникалары алдына шәмдәй теҙелгән ир-аттарға район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов бөтә район халҡы, хакимиәт исеменән ҙур рәхмәттәрен еткерҙе: “Һеҙгә Бөрйән халҡы исеменән ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Һеҙ ошо урман янғындарында юғары профессионаллек, ҙур ныҡышмаллыҡ һәм баһаға лайыҡ эш күрһәттегеҙ. Һеҙҙән бер ваҡытта ла “юҡ” тигән һүҙҙе ишетергә тура килмәне. Урман янғындары һеҙҙе лә, беҙҙе лә төрлө яҡлап һынаны. Бәлки, ойоштороу һәм башҡа юҫыҡта беҙҙең тарафтан да етешһеҙлектәр булғандыр – киләсәктә улар иҫәпкә алыныр. Нимә генә тиһәк тә, ут һынауын лайыҡлы үтә алдыҡ, тип иҫәпләйем. Һеҙгә, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем!” БР Бөрйән районы буйынса “Урмансылыҡтар менән идара итеү” ГКУ-һы бүлегенең начальник вазифаһын башҡарыусы К.Ҡурамшин да ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте: “Тиҫтә көн эсендә 31 урман янғыны сыҡҡаны юҡ ине әле, әммә, егеттәр , һеҙ һынатманығыҙ – һөнәри оҫталығығыҙ эштә сағылды”, -тине.Белореттағы 28-се ПСО ФПС ГПС-тың начальник урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры Ринат Фәйзуллин да МЧС-тар эшенән ҡәнәғәт: “Бөрйәндәге урман янғындарында штабты район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы етәкләне, мин уның ярҙамсыһы булдым. Беҙҙең төп бурыс булып янғынға ҡаршы бөтә көстө туплау һәм иң отошло алымдарҙы ҡулланыу, утҡа таралырға ирек бирмәү торҙо. Районда 73 МЧС вәкиле, 15 берәмек техника , урындағы халыҡ, 70 ирекмән (шуларҙың 50-һе – Бөрйәндеке) янғынға ҡаршы көрәште.Әтек яғындағы янғындарҙа пилотһыҙ осоу аппараттары, квалдрациклдар ҙа булды. Шунһыҙ булмай, сөнки тау-урманлы, ҡая-ташлы зона. “Әсебар” урмансылығында ирекмән Венер Яубаҫаровтың, Регина Юлмөхәмәтованың егет-ҡыҙҙары ҙур ярҙам булды. Тағы: урындағы халыҡ вәкилдәреһеҙ уттың алдына сығыуы ҡыйын булыр ине. Бөрйән халҡына рәхмәт. Мәҫәлән, урман хужалығы тракторисы Юлай Илдар улы Бейембәтовҡа рәхмәтем айырым – ул шулай көн тимәй, төн тимәй фиҙакәр эшләмәһә, белмәйем, ул уттың алдына сығып булыр инеме икән? Афарин егет! Әтек яғында 37 кеше һәм бер урмансы янғынға ҡаршы аяуһыҙ көрәште”. Эйе, район ғәҙәттән тыш режимдан сыҡты әлегә. Шөкөр итәйек. “Ҡыҙыл әтәс” ҡабат шашмаһын да, Аллаһ ямғырҙарын ебәрһен инде! БУЛАТ ТИМЕР ҒӘЛЕ фотолары. Эшегеҙ өсөн рәхмәт! Автор:А.Ғарифуллина Теги:лесные пожарыурман янғынымчс Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Ауыл ерендә, ғәҙәттә, ҡый үләнен сығарып ташлайҙар йә тиреҫ өҫтөнә өйәләр. Йыуынты һыуҙы ла шунда түгәләр. Былай иткәндә тиреҫтә сүп ҡалдыҡтары янмай, өйөмдөң ситтәре елләп ултыра. Тиреҫ тиреҫ урынында ҡалһын, ә беҙ үлән ҡалдыҡтарын унан айырайыҡ. Йәғни компост соҡоро яһайыҡ. Һөҙөмтәлә яҡшы сифатлы серетмә аласаҡбыҙ, баҡсалағы сүп тә органик ашламаға әйләнәсәк. Соҡор ике өлөштән торһа яҡшыраҡ. Уларҙың һәр береһе 1 м3 булырға тейеш. Тәүгеһендә серетмә яна, икенсеһенә яңы үлән ҡалдыҡтары һалына. Компостың тиҙерәк өлгөрөүен теләһәгеҙ, 15 сантиметрлы ҡатлам һайын азот ашламаһы өҫтәргә кәңәш ителә. Япраҡ, үлән ҡалдығы өҫтөнә йыуынты һыу һибелә, ләкин унда ит ҡалдығы булырға тейеш түгел, сөнки паразит селәүсендәр үрсей. Ҡайһы бер баҡсасылар, серетмәне тиҙерәк өлгөртөү маҡсатында, соҡорҙоң өҫтөн полиэтилен менән ябыусан. Былай иткәндә һауа инмәй, компост тәбиғи янмай, ә томаланып, һаҫый. Соҡорға һауа инергә тейеш. Бына шулай һеҙ ике ҡуянды бер юлы атаһығыҙ: осһоҙ органик ашламалы ла булаһығыҙ, сүп-сарҙан да арынаһығыҙ. Әйткәндәй, серетмә 2-3 айҙа әҙер була. Википедияла Компост Сығанағы — «https://ba.wikibooks.org/w/index.php?title=Серетмә_соҡоро&oldid=19704» Категориялар: Башҡортса Баҡсасылыҡ Навигация Шәхси ҡоралдар Танылмағанһығыҙ Әңгәмә Башҡарған эштәр Яңы ҡатнашыусыны теркәү Танылыу Исем арауыҡтары Мәҡәлә Фекер алышыу башҡортса Ҡарауҙар Уҡыу Үҙгәртергә Тарихты ҡарау Тағы Төп йүнәлештәр Баш бит Берләшмә Ағымдағы ваҡиғалар Һуңғы үҙгәртеүҙәр Осраҡлы мәҡәлә Белешмә Ярҙам итеү Ҡоралдар Бында һылтанмалар Бәйле үҙгәртеүҙәр Махсус биттәр Даими һылтанма Бит мәғлүмәттәре Биттән өҙөмтә яһарға Баҫтырырға/сығарырға Китап төҙөргә PDF форматында күсереп алырға Баҫтырыу өлгөһө Башҡа телдәрҙә Һылтанмалар өҫтәү Был бит һуңғы тапҡыр 21:04 17 ноябрь 2018 үҙгәртелгән. Текст Creative Commons Attribution-ShareAlike License рөхсәтнамәһе буйынса рөхсәт ителгән; айырым осраҡта өҫтәмә шарттар ҡулланылыуы мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, Ҡулланыу шарттарын ҡарағыҙ.
Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Өфө дәүләт авиация техник университетының ун студентын «Стартҡа хоҡуҡ» программаһы буйынса Сауҙа-сәнәғәт палатаһына эшкә алыу тантанаһы ойоштороласаҡ. Билдәләп үтәйек, был программа буйынса биш кеше Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә эшкә алынған да инде, йәнә 500 студентты һәм вуз тамамлаусыны республика предприятиеларына урынлаштырыу планлаштырыла. 19 ғинуарҙа эшкә алыу тураһындағы сертификаттарҙы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров тапшырасаҡ, тип хәбәр иттеләр Палатаның матбуғат хеҙмәтенән. «Стартҡа хоҡуҡ» проекты юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә тулы бер система булып тора. Проект дүрт төп йүнәлештә эшләйәсәк: «Тәүге эш» акцияһы, ул бишенсе курс студенттарына һөнәрҙәре буйынса тәжрибә һәм эш стажы тупларға мөмкинселек бирәсәк; йәш белгестәр өсөн эш урынына квота бүлеү тураһындағы республика закон проектын әҙерләү; республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам программаһында айырым йүнәлеш; юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы бәләкәй инновацион предприятиеларҙы артабан үҫтереү. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта «Тәүге эш» программаһы старт ала. Был акция сиктәрендә бишенсе курста уҡыусы 500 студент предприятиеларҙа һөнәрҙәре буйынса тәжрибә туплай аласаҡ, улар менән биш-алты айға хеҙмәт килешеүе төҙөләсәк. Юғары уҡыу йорттары менән Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында стажировка үтеү тураһындағы килешеүгә Стәрлетамаҡта «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форумында ҡул ҡуйылды. Вуздар конкурс нигеҙендә «Тәүге эш» программаһы буйынса 500 студентты һайлап алырға тейеш. Автор:Любовь Колоколова Теги:башҡортостан республикаһының сауҙа-сәнәғәт палатаһыэшкә урынлаштырыупрограммалар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Еләктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерергә, ит турағыс аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмәне ҙур кәстрүлгә һалырға ла, шәкәр өҫтәп бутарға. Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15 - 20 минут ҡайнатырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана. Ҡара ҡарағаттан 7 стакан һыуҙы ҡайнау хәленә еткерергә һәм уға 1,5 кг ҡара ҡарағат һалып ҡайнатырға. Ҡайнаған саҡта уны бер нисә тапҡыр бутарға кәрәк. Бынан һуң еләккә 2 кг шәкәр ҡушып, иң оҙағы 15 минут ҡайнатырға. Һауыттың уртаһындағы ингредиенттар ҡайнап сығырға тейеш Ҡайнатмала шәкәр аҙ кеүек күренһә лә, һал-ҡынса урында һаҡланһа, әсемәйәсәк. Абрикостан Абрикостарҙы йыуып, киптереп бер нисә урындан тишергә. Тишеү өсен энә түгел,нәҙек кенә ағас таяҡтар ҡулланыла. Сироп ҡайнатыла һәм емеш өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлек тоталар. Бынан һуң сиропты айырып алып, ҡайтанан ҡайнатырға ла тағы ла абрикостар өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлек тоторға. Өсөнсө көнгә абрикостарҙы утҡа ҡуйырға һәм емештәр үтә күренмәлегә әйләнгәнсе ҡайна- тырға. Ер еләгенән 1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына. Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ. Еләктәрҙе, ныҡ һалҡын һыуҙа сайҡаталар. Уның һыуы ағып бөткәндән һуң шәкәрҙең яртыһын ҡушып, һалҡынса урынға 5 -6 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Еләктәрҙән ағып сыҡҡан һутты алып, ҡалған шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләйҙәр. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотола. Уны еләк өҫтөнә ҡойоп, тағы ла ярты көнгә ҡуйып торалар. Бынан һуң ҡайнатма утҡа ҡуйыла һәм талғын ғына 'итеп 5-7 минут ҡайнатыла. Әлеге массаны тағы ла 4 сәғәт самаһы тотоп торор-ға кәрәк, был сироп еләккә ныҡлап һеңһен өсөн эшләнә. Иң һуңынан еләктәр 15 - 20 минут самаһы ҡайнатыла һәм банкаларға һалына. Эҫе килеш һалырға ла мөмкин. КОМПОТ Күгән (терн) менән ҡара миләштән Өс литрлы банкаларҙы емештәр менән яртылаш тултырырға. Уларға ҡайнар һыу өҫтәп, 5-10 минут тоторға кәрәк. Бынан һуң һутты ҡойоп алып, шәкәр ҡушып, сироп әҙерләргә. Ул 2-3 минут ҡайнатыла. Әҙер булғас, банкаларға ҡойола. Күгән менән ҡара миләш бер үк миҡдарҙа алына. (Асыҡ сығанаҡтарҙан). Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Шиғриәт һөйөүселәр алдында шиғыр уҡыйым. Тик күҙ насар күреү сәбәпле, яҙғанымды бигүк танып бөтөрмәйем, яңылышып ҡуям. Үҙемә асыуым килде. Шиғыр уҡыуымды бүлдем дә залдағыларға өндәштем:– Ҡайһығыҙҙың күҙе һәйбәт күрһәтә, бынау шиғырҙы уҡып бөткәнсе генә биреп тормаҫһығыҙмы? * * * Минең етмеш биш йәште райондың мәҙәниәт һарайында билдәләп үттеләр. Ейәнсура районының хакимиәт башлығы, юбилярҙы ҙурлап, ярайһы ҡиммәтле тун тапшырҙы. Ул шул тунды иңемә һалғас, мин, залға ҡарап: – Марат Кәримов тун алды, ә Ейәнсура туналды! – тип әйтеп һалдым. Әлеге шул тик тормаҫ тел. Шунда кешесә генә берәй йылы һүҙ әйтергә ине лә бит. Юҡ, шаярыу өҫтөнлөк алды. Тамашасылар көлдө, әлбиттә. * * * Шиғриәт һөйөүселәр алдында шиғыр уҡыйым. Тик күҙ насар күреү сәбәпле, яҙғанымды бигүк танып бөтөрмәйем, яңылышып ҡуям. Үҙемә асыуым килде. Шиғыр уҡыуымды бүлдем дә залдағыларға өндәштем: – Ҡайһығыҙҙың күҙе һәйбәт күрһәтә, бынау шиғырҙы уҡып бөткәнсе генә биреп тормаҫһығыҙмы? Тамашасыларҙың береһе, щағир Зөфәр Вәлит буғай, миңә үҙ күҙлеген һуҙҙы. Мин: – Күҙ урынына күҙлек тә ярар, – тип шиғырҙы уҡып бөтөрҙөм. Әйтерем: шиғырҙы уҡырға түгел: яттан һөйләргә кәрәк шул. Беҙ, шағирғарға сәсәндәр, аҡындар, ашуғтар үрнәк түгелме ни?
1902 (бер мең туғыҙ йөҙ икенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шаршамбы көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1902 йылы, 2 мең йыллыҡтың 902 йылы, XX быуаттың 2 йылы, XX быуаттың 1 ун йыллығының 2 йылы, 1900 йылдарҙың 3 йылы. Йөкмәткеһе 1 Ваҡиғалар 2 Тыуғандар 3 Вафат булғандар 4 Шулай уҡ ҡарағыҙ ВаҡиғаларҮҙгәртергә ТыуғандарҮҙгәртергә 28 июнь — Шамун Фидаи, башҡорт һәм татар революционер-шағиры. 16 декабрь — Батырова Банат Хәйрулла ҡыҙы, сөгөлдөрсө, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
«Тәрәүих» — ял итеп алыу өсөн бер аҙ ултырып тороу тигәнде аңлата. Был — Рамаҙан айында, уның тәүге көнөнән үк башлап йәстү намаҙынан һуң, йәмәғәт менән уҡыла торған нәфел намаҙы. Бер ваҡыт Рамаҙан айының бер төнөндә пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, өйөнән сығып, мәсеттә намаҙ уҡып ала, уның менән бергә был намаҙҙы мәсеттә булған башҡа кешеләр ҙә уҡый ҙа, иртән был турала башҡаларға ла һөйләй. Икенсе кистә мәсеткә халыҡ күберәк йыйыла. Күберәк кеше пәйғәмбәребеҙ менән бергә намаҙ уҡый. Был туралағы хәбәр телдән телгә күсеп китә лә бик күп халыҡ ҡатнашлығында намаҙ уҡыуҙар өсөнсө кистә лә ҡабатлана. Дүртенсе кистә инде намаҙға килгән халыҡ мәсеткә лә һыймай башлай. Әммә пәйғәмбәребеҙ үҙе мәсеткә сыҡмай, иртәнге намаҙға ғына килә. Иртәнге намаҙҙы уҡып бөтөү менән, ул халыҡҡа боролоп Аллаһҡа зекер-тәсбихтәр әйткәндән һуң: «Кисә мин һеҙҙең мәсеткә йыйылып килгәнегеҙҙе белдем, әммә артабан был намаҙ фарызға әйләнер ҙә, һеҙ уны үтәй алмай башларһығыҙ, кәмселектәргә юл ҡуйылыр тип ҡурҡтым. Тәрәүих намаҙҙарын өйҙәрегеҙҙә генә уҡығыҙ!» — тип белдерә. Рамаҙан айы кистәрендә ир һәм ҡатындарҙың мәсеттәрҙе нурландырып, тәрәүих намаҙҙарына йөрөүе сауаплы һәм изге кимәл тип, бындай намаҙҙар уҡыуҙы бик тә хуплай. «Аллаһы Тәғәлә һеҙгә Рамаҙан айында ураҙа тотоуҙы фарыз ғәмәл итеп бойорҙо, мин уны сөннәт ғәмәлгә, йолаға өйләндерҙем», — тип әйтеп ҡалдыра. Пәйғәмбәребеҙҙең уны өс төн рәттән йәмәғәт менән бергә уҡығаны билдәле, ләкин намаҙҙы нисә рәҡәғәт итеп уҡыған: һигеҙме, ун икеме әллә унан да артығыраҡмы — был билдәле түгел. Шуға ла берәүҙәр уны рәҡәғәттәр һанын һигеҙ, икенселәр ун икегә, хатта егермегә еткереп уҡығандар. Тағы ла шуныһы бар: Әбү Бәкер заманында тәрәүих намаҙҙарын халыҡ өйҙә генә уҡый. Әммә тәрәүих оҙон бер намаҙ булғанлыҡтан уны йәмәғәт менән мәсеттә уҡыуҙың еңелерәк булыуын аңлайҙар. Шулай ҙа тәүҙәрәк уны йома намаҙындағы кеүек бер имамға ойоп түгел, мәсеттең төрлө ерендә төрлө имамға ойоп уҡый, рәҡәғәттәр һаны ла ваҡыты-ваҡыты менән ун ике, хатта егерме рәҡәғәткә тиклем етә. Бер кисәлә Ғүмәр ибн әл-Хаттаб пәйғәмбәребеҙ мәсетендә тәрәүих намаҙын берәүҙәрҙең яңғыҙ ғына, икенселәрҙең йәмәғәт менән уҡығандарын күреп, Үбәй ибн Ҡәғбкә имам булып, был намаҙҙы егерме рәҡәғәт итеп уҡырға бойора. Был бойороуҙың сөннәткә мыуафиҡ булыуын Ғәйшә анабыҙ ҙа, Ғоҫман, Ғәли, Ғабдуллаһ ибн Мәсғүг, Ғабдуллаһ бин Ғүмәр, Ғабдуллаһ ибн Ғаббас кеүек бөйөк сәхәбәләр ҙа таный. «Беҙҙең мәсеттәребеҙҙе нурландырған һымаҡ, Аллаһы Тәғәлә Ғүмәрҙең үҙенең дә ятасаҡ ерен нурға күмә күрһен!» — тип доға ҡыла Ғәли хәҙрәт. Тәрәүих намаҙының айырым бер үҙенсәлеге бар: һәр рәҡәғәттә унда «Фатиха» сүрәһенән һуң сиратлап «Саффәт» — «Сафта тороусылар» сүрәһенең Нух менән Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, Муса менән Һаарун, Ильяс пәйғәмбәрҙәр тураһында хөрмәт менән иҫкә алынған аяттары уҡыла. Улар — «Нухты һәм уның әһле-бәйтен Беҙ залимдар золомонан — бөйөк бер афәттән ҡотҡарып, унан һуң килгәндәр күңелендә һәм телендә уның тураһында яҡшы хәтер ҡалдырҙыҡ. Ул хәтер — Ғаләмдәрҙә йәшәгәндәрҙән Нухҡа сәләм һүҙе». «Әс-Саффәт» («Сафта тороусылар») сүрәһе, 76— 79-сы аяттар Ибраһим да, ғәләйһис-сәләм, Нух нәҫеленән. «Ибраһим Беҙҙең тоғро мөьминдәребеҙҙән булды. Беҙ уға изгеләрҙән булған Исхаҡ тураһында һөйөнөслө хәбәр бирҙек һәм ғаләмдәргә үҙенән һуң килгәндәргә Ибраһимды яҡшылыҡ менән хәтергә алырға бойорҙоҡ. Ул яҡшылыҡ — Ибраһимға сәләм һүҙе! Игелекле кешеләргә әжерен Беҙ ана шулай бирәбеҙ». Шул уҡ сүрә, 108—110, 112-се аяттар Сәләмдең мәғәнәһе «тыныслыҡ, тынғылыҡ» булыуын беҙ беләбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һәр ҡәүемгә, һәр ҡәүемдең остаҙы булған пәйғәмбәрҙәргә, ата-бабалар тормошон дауам итеп килгән һәр быуынға сәләм ебәреп һәм сәләмләшеп кенә йәшәргә бойороп, тынғылыҡ теләп тора. Беҙ бында аяттарҙың мәғәнәүи тәржемәләрен генә бирҙек. Намаҙҙа улар, әлбиттә, ғәрәп телендә уҡыла. Башҡортса дине календарь, 2018 йыл. Тәрәуих намаҙының һәр 4 рәҡәғәтең уҡығас ошо зекерҙәр әйтелә. Тәрәуих намаҙының теләгән (8-12-20) рәҡәғәтең уҡып зекер әйтелгәс доға ҡылына. Доға ошо биттә: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99r%D3%99uix-nama%D2%99y.html Беренсе 10 көндә ошо зекер әйтелә سُبْحٰانَ ذِي الْمُلْكِ وَ الْمَلَكُوتِ * سُبْحٰانَ ذِي الْعِزَّةِ وَ الْعَظَمَةِ وَ الْقُدْرَةِ وَ الْكِبْرِيٰاءِ وَ الْجَبَرُوتِ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَيِّ الَّذِي لٰا يَمُوتُ * سُبُّوحٌ قُدُّوسٌ [رَبُّنٰا وَ] رَبُّ الْمَلٰائِكَةِ وَ الرُّوحِ* لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ. Сүбхәәнә ҙил-мүлки үәл-мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил-ғыйззәти үәл-ғәзамәти, үәл-ҡүдрати, үәл-кибрийәә-и, үәл-джәбәрүүт. Субхәәнәл-мәликил-хәййил-ләҙии ләә йәмүүт. Сүббүүхүн ҡуддүүсүн (Раббүнәә үә) Раббүл-мәләәикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааҺү нәстәғфируллааҺ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүзү бикә минән-нәәр. Мәғәнәһе: Ер һәм күктәге мәхлуҡатҡа хужа булыусы АллаҺы Тәғәлә тәнзиә (пак) ҡыламын. Ғиззәт, ҡөҙрәт Һәм бик ололоҡ эйәһе булыусы Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Барлыҡ ғәләмдәрҙең Падишаһы һәм мәңге тере Аллаһы Тәғәләне тәнзиә ҡыламын. Ул АллаҺы Тәғәлә кимселектәрҙән азаттыр, барса фәрештәләрҙең үә Джәбраил ғәләйһис-сәләмдең Раббыһылыр. Бер Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис илаһ юҡ. Беҙ ул Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорайбыҙ. Эй, Аллаһы, беҙ Һинән йәннәтте һорайбыҙ. Тамуҡтан Һиңә һыйынабыҙ. Икенсе 10 көндә әйтелә торған зекер سُبْحٰانَ ذِي الْمُلْكِ وَ الْمَلَكُوتِ * سُبْحٰانَ ذِي الْعِزَّةِ وَ الْعَظَمَةِ وَ الْقُدْرَةِ وَ الْكِبْرِيٰاءِ وَ الْجَلٰالِ وَ الْجَمٰالِ وَ الْكَمٰالِ وَالْجَبَرُوتْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَعْبُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَقْصُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْمَسْجُودْ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَيِّ الَّذِي لٰا يَمُوتْ * سُبُّوحٌ قُدُّوسٌ [رَبُّنٰا وَ] رَبُّ الْمَلٰائِكَةِ وَ الرُّوحِ*لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ. Сүбхәәнә ҙил-мулки үәл-мәләкүүт. Сүбхәәнә ҙил-ғыйззәти үәл-ғәзамәти, үәл-ҡүдрати, үәл-кибрийәә-и, үәл-джәләәли, үәл-джәмәәли, үәл-кәмәәли, үәл-джәбәрүүт. Субхәәнәл-мәликил мәғбүүд. Сүбхәәнәл мәликил маҡсууд. Сүбхәәнәл мәликил мәсджүүд. Субхәәнәл мәликил хәйилләҙи ләә йәмүүт. Сүббүүхүн куддүүсүн (Раббүнәә үә) Раббүл-мәләәикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааһү нәстәғфируллаһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минәннәәр. Өсөнсө һуңғы 10 көндә әйтелә سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الْحَنّٰانِ الْمَنّٰانِ * سُبْحٰانَ الْمَلِكِ الدَّيّٰانِ *الْمَعْرُوفِ بِالْغُفْرٰانِ * اَلْمَوْصُوفِ بِاْلاِحْسٰانِ * الْوَدٰاعُ، الْوَدٰاعُ، يَا شَهْرَ رَمَضٰانَ * الْفِرٰاقُ، الْفِرٰاقُ، يٰا شَهْرَ التَّرٰاوِيحِ وَ خَتْمِ الْقُرْآنِ*لٰا إِلٰهَ إلاَّ اللّٰهُ نَسْتَغْفِرُ اللّٰهَ. نَسْأَلُكَ الْجَنَّةَ وَ نَعُوذُ بِكَ مِنَ النّٰارِ. Сүбхәәнәл-мәликил-хәннәәнил-мәннәән. Сүбхәәнәл-мәликид-дәййәән. Әлмәғрууфи бил-ғүфраан. Әлмәүсууфи бил-ихсан. Әл-үәдаағ , әл-үәдаағ, йәә шәһрә Рамәдаан. Әлфирааҡ, әлфирааҡ, йәә шәһрәт-тәрааүиихи үә хатмил-Ҡуръәән. Ләә иләәһә илләл-лааһу нәстәғфируллааһ, нәс-әлүкәл-джәннәтә үә нәғүүҙү бикә минән-нәәр. Twitter Digg Facebook Delicious StumbleUpon Эта запись написана автором Назир Сабитов, 02.06.2018 в 00:15, и размещена в категории Дин. Следите за ответами на эту запись с помощью RSS 2.0. Вы можете написать комментарий или разместить обратную ссылку на своем сайте. Ошо сайтта кәрәк мәғлүмәт эҙләр өсөн, аҫҡы юлға, мәҫәлән: башҡорт, – тип яҙһағыҙ шул биттәр асыла Ошо аҫтағы *поиск* юлға кәрәк һорау (мәҫәлән: доға (ошо һүҙҙе копировать итеп)) яҙһағыҙ – шул биттәр асыла
Киске эңер, барыһы ла өйҙәренә тарала, миллион кеше йәшәгән ҡалала тормош һүнеп барған һымаҡ. Туҡталышта автобустан төшөп ҡалған ир фатиры урынлашҡан йорт яғына ыңғайланы. Үҙҙәренең тәҙрәһендә һүрән генә утты күреп, кәйефе тағы ла боҙолдо. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҺУҢҒЫ АҘНА Хикәйә Башы Фатирына ингәс кенә Айрат ошо аҙнала үҙенең ни тиклем ныҡ арығанын, һуңғы көндәрҙә өҫтөнә ишелеп килгән ҡайғы-хәсрәттән туйғанын һиҙҙе. Арымаҫлыҡ, туймаҫлыҡ түгел шул. Унан ҡотолорлоҡ бер әмәл дә юҡ. Бына бер ай инде дауаханала ҡатыны йәшәү өсөн көрәшә. Тәүҙә әлеге тажлы зәхмәтте йоҡторғайны. Етмәһә, кеше һүҙенә ышанып, вакцина ҡабул итеүҙән дә баш тартҡайны. Ире әллә күпме хәйер өләште, мәсеткә барып килде. Кем белә, бәлки, белер-белмәҫ уҡыған доғалары ла ярҙам иткәндер. Ҡатыны был бәләнән ҡотолғандай булды. Үҙе лә тырышты Айрат. Таныш врач аша реанимацияға индертте, әллә нисә көн үпкәһен елләтеп ятырға мәжбүр булды ҡатыны. Йүнселдәр һәр ваҡыт яйын таба шул. Маҡтай-маҡтай бер ифрат ҡиммәтле дарыу һондолар. Бурысҡа батһа-батты, әммә дарыуын алды. Уны ҡараған табип та бер һүҙ өндәшмәй теге дарыуҙы алып, шәфҡәт туташына ҡаҙарға ҡушты. Батып барыусы һаламға йәбешә тигән һымаҡ, Айрат үкенескә ҡалмаһын тип, барыһын да эшләне. Инде ҡатыны төҙәлеп тә килгән һымаҡ ине, эш тип йөрөп үҙен ҡарамаған. Диспансеризация үтмәгән, инде сығам тигәндә, бауырының сирле икәне асыҡланды. Тегендә йүгерҙе, бында йүгерҙе, тағы дарыу тапты. Ҡала дауаханаһының уға тәғәйен бүлегенә күсерҙеләр. Тәүҙә эш араһында йөрөгәйне, өйҙә дүрт бала, уларҙы ла ҡалдырып булмай. Эргәләге ҡасабанан һеңлеһе эргәһендә йәшәгән әсәһен алып килергә тура килде. Өлкән улы Ильясҡа өмөт иткән булғайны, уныһы яңы эшкә урынлашып йөрөй. Эшен һылтаулап сыға ла китә, һуң ҡайта. Ҡайтмай ҡалған көндәре лә бар. Уға нимә әйтәһең инде. Бер ауырлыҡ күрмәй, ҡайғы-хәсрәттең ни икәнен белмәй йәшәгәйнеләр бит бығаса. Әнисәһе һуңғы осор ябыҡты. Тире лә һөйәк тип әйтһәң дә уңайһыҙ. Бахыр ғынаһы, хәҙер белә, түҙеп ята. Иренә бәлә һалмаҫҡа, мыжымаҫҡа тырыша. Ә өйҙә әсәһе яңғыҙы балалар менән айҡаша. Бәләкәйҙәре менән ифрат ауыр. Саҡ ҡына һүҙ әйтһәң, илап баралар, ҡурсалау эҙләп, әсәләрен таптыралар, бер-береһен ошаҡлайҙар. Әсәһе лә арыны. Әле керһә, йомшаҡ ултырғыста йоҡлап ултыра. Айраттың тауышы ишетеү менән уянды, килеп тә сыҡты. – Йә, улым, килендең хәле нисек? Әнисә төҙәләме? Айрат бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Өндәшһәм, илап ебәрермен тип ҡурҡты. Икәүләшеп аш бүлмәһенә үттеләр. – Насар, әсәй, киленеңдең сыҡмаған йәне генә бар. – И-и-и, киленкәйем. Бер ҙә терелерлек түгелме ни? – Юҡ, әсәй. Табип әйтте, оҙаҡҡа бармаҫ тине. – Хоҙайым, табип әйткәс, насарҙыр инде. Һуң, ҡарайҙармы унда? – Ҡарайҙар, ләкин файҙаһы юҡ әсәй. – Эй, улым, балаларҙы нисек ҡарарһың икән? Бер үҙеңә бигерәк ауыр бит. – Әлдә һин бар әсәй, һин өйҙә булғас күңелем тыныс. Әле өлкәндәре ҡайҙа? – Мәктәпкә киттеләр, драмтүңәрәк тинеме. Бәлки, сығармаҫҡалыр. – Түңәрәккә булһа, барһындар. Бәләкәйе лауылдап, йүгереп килеп инде: – Таһир мине этеп ебәрҙе, әсәйем ҡайҙа ул, мине яҡлар ине. Атай, ниңә әсәйем ҡайтмай? – Саҡ ҡына көт, балам, әсәйем ҡайтыр, – тине Айрат һәм ситкә ҡарап күҙ йәштәрен һөрттө. Ҡысҡырып илап ебәрә яҙҙы. Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Ҡасабанан һеңлеһе икән. Тауышы шат, хатта яңғырап тора. Ҡыуанмай ни, ире вахтанан ҡайтҡан. Яңы автомобиль һатып алғандар. – Ағай, бар эшеңде ташла ла, әсәй менән еңгәне тейәп, иртәгә беҙгә ҡунаҡҡа кил. Шунда тәгәрмәстәрҙе йыуырбыҙ, – тип һөрәнләне хәл белешеп, һорашып та тормайынса. – Кейәү нимә эшләй, – тип кенә һорай алды Айрат. – Уға нимә булһын, кисә ныҡ булған. Ҡустыһы килгәйне, бисәһе менән. Хәҙер ята, ана, тороп килә, мә, үҙе менән һөйләш. Кейәү нимәлер мөңгөрләне. Уның һөйләнеүенән шуны ғына аңланы. Мысырға ун көнгә путевка алған. Өс көндән ҡуҙғала, етте һиңә, ҡайнаға, әсәйҙе беҙгә лә килтер ти. Телефонды һеңлеһе тарып алды: – Кейәүең дөрөҫ әйтә, әсәй гел һеҙгә булмай инде. Саҡырған ваҡытта килеп етегеҙ. Әсәй әйберҙәрен тейәп алһын. Беҙ киткәс, өйгә, балаларға хужа булып ҡала, – тип ҡысҡырынды. – Еңгәңдең хәле насар бит әле, – тип кенә әйтә алды Айрат. Һеңлеһе менән айҡашырға көсө етмәне. – Бәй, еңгәнең хәле нисек, һорамай ҙа торам. Әле һаман сыҡманымы ни? Үткән шылтыратҡанда терелеп килә тигәйнең дә инде. – Һылыу, еңгәңдең хәле насар. – Нисек насар? Тағы, мин әйтәм, иркәләнеп ятмаймы? Айрат һылыуының һүҙҙәренә яуап биреп өлгөрмәне. Аңғармаҫтан телефонды һүндереп ҡуйҙы. Унан ҡотолоп буламы һуң инде: – Ниңә ташлайһың? – тип шылтыратты. – Юҡ, яңылыш баҫтым. – Йә, киләһегеҙме? – Һеңлеһе һаман ныҡыша. Айрат бар көсөн йыйҙы.: – Еңгәң үлеп бара. Әҙер булығыҙ, ошо көндәрҙә. Теге башта тын ҡалдылар. – Булмаҫ, ышанмайым, ағай. Айрат башҡа һүҙ таба алманы, хушлашып бәйләнеште өҙөп ҡуйҙы. Уф, бер сәғәттән тағы ла шылтыратты. Тауышы үҙгәргән, был юлы хәсрәтле һымаҡ. – Нимә, ағай, беҙгә Мысырға бармағыҙ тиһеңме. Беҙ был ялды йыл буйы көттөк. Тура килеүен әйт. – Ниңә беҙгә ҡарайһығыҙ? – тине Айрат. – Барығыҙ. Заманаһы шундай, кешеләр көн һайын үлә. Беҙгә ҡарап тормағыҙ. Аҙағы бар. Автор:Ралиф Кинзябаев Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
“Судья эше – ҡатмарлы һәм психологик йәһәттән ауыр. Был йөктө үҙ елкәһенә һалған судья, дәүләт һәм ғәҙел ҡарар, эшенең тейешенсә сифатлы башҡарылыуына өмөт итеп, үҙенән яҡлау эҙләп килгән граждандар алдында яуаплылыҡ тота”, - тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы буйынса 1-се суд участкаһының мировой судьяһы А.ИВАНОВ.БР-ҙың атҡаҙанған юрисы, күптән түгел үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән Александр Евгеньевич менән осрашып, был эштең нескәлектәре менән таныштыҡ. -Мировой судьялар – универсаль белгестәр булып торалар, - тип һүҙен дауам итте ул, - һәр кемгә ҡағылырҙай эштәрҙе (дело) ҡарай улар. Бында күрше менән ыҙғыштар ҙа, айырылышҡас мөлкәтте бүлеү ҙә, штрафтар, алименттар, ҡулланыусыларҙың дәғүәләре. Мировой судта гражданлыҡ һәм өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү санкцияһын ҡараған ваҡ енәйәт эштәре лә ҡарала. - Билдәле булыуынса, илдә һәм беҙҙең республикала ла мировой судьялар институты байтаҡтан бирле эшләп килә? - 1998 йылдың декабрендә уларға талаптар һәм бурыстар ҡуйып, компетенцияһын һәм хоҡуҡтарын билдәләп, илдең суд системаһында мировой судья-лар эшмәкәрлеген булдырыусы Федераль закон ҡабул ителде. Мировой судьялар халыҡ һанынан сығып булдырылған үҙ суд участкалары сиктәрендә эшләйҙәр - беҙҙең республикала бер мировой судьяға 15-тән 23 меңгә тиклем урындағы халыҡ тура килә. Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы буйынса 1-се суд участкаһы БР Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты ведомствоһы ҡарамағында 2001 йылда барлыҡҡа килде. - Александр Евгеньевич, һеҙ нисек судья булып киттегеҙ? - Үҫмер сағымда был хаҡта уйламағайным да. Мәктәптә уҡығанда летчик булырға хыялландым, был һөнәр минең характерыма ла тап килә һәм күңелемә лә ятышлы ине. Шуға ла 8-се класты тамамлағас, Өфө авиация техникумының “Авиадвигателдәр” факультетына уҡырға индем. Ҡулға диплом алғас, Өфө моторҙар етештереү йәмғиәтендә авиадвигателдәрҙе һынап ҡараусы булып эшләп алырға ла өлгөрҙөм. “Осоусы” булып булманы, сәләмәт булыуға ҡарамаҫтан, медицина һайлап алыуынан үтә алманым. Пограничник булып әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Эске эштәр министрлығы системаһына эшкә урынлашып, бер үк ваҡытта БДУ-ның юридик факультетында уҡып, юғары белемгә эйә булдым. Төрлө оператив вазифалар башҡарҙым. Ғафури эске эштәр бүлеге начальнигы булып эшләгәндә Мәскәүҙә Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамланым. Суд эшмәкәрлеге хаҡындағы уйҙар университетты тамамлағас килде, әммә БР Эске эштәр министрлығы етәкселеге бының менән килешмәне. 1998 йылда выслуга буйынса пенсияға сыҡҡас ҡына РФ Юстиция министрлығының яңынан барлыҡҡа килгән суд приставтары хеҙмәтенең Ғафури районы буйынса бүлегенә өлкән суд приставы вазифаһына күсергә тура килде. Ике йылдан һуң, 2001 йылда мировой судҡа күсеп, бөгөнгәсә мировой судья булып эшләйем. Ватанға хеҙмәттәге дөйөм стажым 42 йыл. - Һеҙгә, ошондай ҙур юридик хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булған кешегә, бөтәһе лә еңел биреләлер... - Күп йылдар буйы тупланған тәжрибәнең ярҙамы, әлбиттә, ҙур. Судья – ул юрист карьераһының үҙенсәлекле бе-йеклеге. Мировой судья, федераль кеүек үк, ғәҙел хөкөм итеп, кешенең яҙмышын хәл итерҙәй һуңғы ҡарар ҡабул итә. Ҡайһы саҡ барыһы ла аңлашылып тороуға ҡарамаҫтан, гражданлыҡ эше буйынса ҡарар сығарыу еңелдән булмай ҡуя. Ҡағиҙә булараҡ, процеста ҡатнашыусы ике яҡта ла йөҙ проценты менән дөрөҫлөк булмай. Һәр ваҡытта ла суд залынан сыҡҡанда икеһенең береһе ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Әммә йәмәғәт мировой тәртип ошондай. Закон ҡаты, әммә был закон! Кешеләргә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеү бик мөһим, уларға хоҡуҡтарын һәм бурыстарын аңлайышлы итеп аңлатырға кәрәк. Һәр бер эште күңелгә яҡын алып ҡайғырыу мөмкин түгел, шул уҡ ваҡытта күңел тупаҫлығына юл ҡуйырға, йәғни ҡаты бәғерле булырға ярамай. Судьяға үҙенең законға ярашлы һәм дөрөҫ эш итеүендә эске инаныу булдырыуға өлгәшергә кәрәк. Судья – ул һөнәр ҙә түгел, һәм, моғайын, булмыш та түгелдер, барыһынан элек ул - йәшәү рәүеше. Беҙҙә барыһы ла эшкә буйһонған. Һөнәри этика хатта ғәҙәти тормошта ла судья статусы хаҡында оноторға ирек бирмәй. - Судта ике яҡты яраштырыу осраҡтары йыш буламы? - Дәғүәләшеүҙәрҙең 30 проценттан ашыуы ошолай тамамлана. Мәҫәлән, ҙур булмаған һәм урта ауырлыҡтағы енәйәт эштәре буйынса ике яҡтың ярашыуы һөҙөмтәһендә эште туҡтатыу мөмкинлеге ҡаралған. Нигеҙҙә был мировой судьялар ҡараған барлыҡ енәйәт составтарына ҡағыла (элек хөкөм ителгән кешеләргә был ҡағылмай). Ә бына алимент бурыстары буйынса дәғүәләрҙә яраштырыу мөмкин түгел, тип иҫәпләйем. Әгәр ҙә кеше үҙенең балаларын, күп осраҡта бәләкәс сабыйҙарҙы аҫрауға үҙ бурысын үтәмәй икән, ниндәй яраштырыу булһын инде?! Башҡа эштәрҙе, мөмкинлек булғанда, шулай уҡ яраштырыу менән тамамларға тырышабыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, судҡа килгән кешеләр үҙҙәрен бүтән төрлө тота. Процесс енәйәтиме ул йәки гражданлыҡмы, ҡәтғи закон менән регламентланған. Бындағы шарттар үҙе үк кешене тәртипкә өндәй. Ҡайһы берәүҙәр судта ғына бер-береһен тәүгеһенән күргәндәй һөйләшә башлайҙар. Уларҙан: өйҙә һөйләшеп-аңлашып булманымы ни, тип һорағы килә ҡай саҡ. - Александр Евгеньевич, мировая юстиция район һәм ҡала судтарын эшкә күмеү өсөн кәрәкме? -Был мировой судтарҙы тергеҙеүҙең икенсел бурысы. Иң мөһиме – кешеләрҙең ғәҙел хөкөмгә өлгәшеүен еңелләштереү. Мин, мәҫәлән, элек федераль судтарҙың нисек эштәре күп булыуын иҫләйем. Уларға әле лә еңел түгел. Айырым участка өсөн яуап биргән мировой судьяның бурысы шунан ғибарәт: бында йәшәүселәрҙең судҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге һәм уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итерлек булһын. - Һеҙҙең эш дәүерегеҙҙә күберәк ниндәй эштәрҙе ҡарарға тура килде? - Нигеҙҙә гражданлыҡ эштәре булғандыр – улар иҫәбенә идарасы компанияларҙың граждандарҙан коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстарын түләттереү, шулай уҡ транспорт һәм мөлкәт һалымдары, кредит йөкләмәләре буйынса бурыстар, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, милеккә хоҡуҡты билдәләү тураһында. Йәнә даимиҙары – никахты өҙөү, алимент түләттереү, уның күләмен үҙгәртеү, ғаилә ыҙғыштары тураһындағы эштәр. Уларҙың һаны артҡандан-арта ғына бара: 2016-2017 йылдарҙа гражданлыҡ эштәре буйынса йыл буйына ике участканың һәр ҡайһыһында 1800-гә яҡын материал ҡаралһа, 2018-2019 йылда иһә эштәрҙең һаны 2000 тирәһе булды. Ыңғай мәлдәрҙән 2019 йылда эскән килеш транспорт сараһына идара итеүсе водителдәргә төҙөлгән административ материалдар һаны кәмеүен билдәләргә кәрәк. Бынан тыш, күп кенә граждандар административ штрафтарын үҙ ваҡытында түләмәгәне өсөн яуапҡа тарттырыла. Законда ҡаралғанса, гражданин штрафты билдәләнгән срокта түләргә те- йеш. Беҙҙә нишләптер кешеләр үҙ ваҡытында түләүҙе хуп күрмәй, һөҙөмтәлә – икеләтә түләйҙәр йәки 50 сәғәткәсә мәжбүри эштәргә, йәки 15 тәүлеккәсә административ ҡулға алыналар. Күптән түгел РФ Админис- тратив кодексына законһыҙ спиртлы продукция һатҡан өсөн үҙгәрештәр индерелде. Әгәр ҙә элек санкция 2500 һум күләмендә штрафты күҙаллаһа, хәҙер 30-50 мең һум тәшкил итә. 2017-19 йылдарҙа бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн мировой судта 144 кешенең эше ҡаралды. Уларҙың бер нисәүһе йыл эсендә спиртлы эсемлекте ҡабатлап һатҡаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Ғафури районының мировой судьялары өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү санкцияһы ҡаралған енәйәт эштәрен дә ҡарай. Алимент түләүҙән баш тартыу, эскән килеш ҡайтанан транспортҡа идара итеү кеүек эштәр йыш осрай. Мировой судьялар шулай уҡ үлтереү менән янау, ҙур булмаған һәм уртаса ауырлыҡта тән йәрәхәте һалыу, сит кеше мөлкәтен урлау, торлаҡҡа законһыҙ үтеп инеү, законһыҙ балыҡ тотоу, һунар итеү, ағас үҫентеләрен ҡырҡыу, уҫал ниәт менән сит кешенең мөлкәтен юҡ итеү йәки ватыу кеүек ҡылынған енәйәтсел эштәрҙе ҡарай. - Һандарҙан күренеүенсә, һеҙҙең эшегеҙ бик етди... - Ғафури районында һәр бер мировой судья үҙ участкаһында йылына уртаса 800 тирәһе административ, 200 гражданлыҡ һәм 70-80 енәйәт эштәрен ҡарай, йәғни көн һайын төрлө категориялағы 13-15 эш тигән һүҙ. Әйткәндәй, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың законлылығы һәм нигеҙле булыуы юғары инстанция (апелляцион) булып торған район (ҡала) суды тарафынан контролләнә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, граждандар вәкилдәр хеҙмәттәренән дә йышыраҡ файҙалана башланы. Һәр кем дәғүә ғаризаһын төҙөп яҙа алмай, өҫтәүенә, уны суд ултырышында яҡлай ҙа алмай. Бер тапҡыр ҙа юридик эшмәкәрлек йәки суд менән осрашмаған кеше, минең күҙаллауымса, суд эшендә компетентһыҙ. - Эшмәкәрлек алып барыуҙың һуңғы йылдарында мировой судьялар тейешле шарттары булған бина, ҡорамалдар һәм башҡалар менән тәьмин ителделәр... - Бөгөн шарттар һәйбәт. Бинабыҙҙың Красноусолдың үҙәгендә урынлашыуы граждандар һәм ойошмалар өсөн бик тә уңайлы. Һәр бер судьяның үҙ эш бүлмәһе кәңәшләшеү бүлмәһе лә булып тора, суд ултырыштары өсөн уңайлы зал да бар. Ошо уңайлы бинаны ҡуртымға алып, беҙҙе урынлаштырған БР Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитетына рәхмәтлебеҙ. Шарттар тағы ла яҡшырасаҡ – әле етди ремонт бара. Мировой судья-лар аппаратының суд участкалары юридик йәһәттән грамоталы һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр менән комплектланды. Дөйөм алғанда, үҙебеҙгә һалынған функцияларҙы тулы кимәлдә башҡарырға тырышабыҙ. Йылдан-йыл эш күләме лә арта бара, әммә уның ыңғай яғы ла бар – халыҡтың хоҡуҡи грамоталылығы ла үҫә. Беҙҙең бурыстарыбыҙ шуныһы менән үҙгәрешһеҙ ҡала: һәр бер ҡылыҡтың эҙемтәһе булыуының хаҡлығын граждандар аңына еткереү. - Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт, Александр Евгеньевич. Индира ИШКИНА әҙерләне. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Мансаф бөгөн йоҡоһо туйып, кәйефе күтәрелеп уянды. Сәбәбе лә бар: Ҡараталда, имеш, Фәниәһе менән бесән сабалар. Эй, күңелле, сәхрә инде, сәхрә... Сәскәле үләндәргә күмелеп, ятҡан ерҙән генә еләк сүпләп ят инде! Үҙҙәренең дә йәш, дәртле саҡтары, мөхәббәткә күмелеп ятыуҙары. Мансаф бөгөн йоҡоһо туйып, кәйефе күтәрелеп уянды. Сәбәбе лә бар: Ҡараталда, имеш, Фәниәһе менән бесән сабалар. Эй, күңелле, сәхрә инде, сәхрә... Сәскәле үләндәргә күмелеп, ятҡан ерҙән генә еләк сүпләп ят инде! Үҙҙәренең дә йәш, дәртле саҡтары, мөхәббәткә күмелеп ятыуҙары. Мансаф үткәндәренән үкенмәй. Аллаға шөкөр, бына тигән ҡыҙҙар үҫтерҙе, ҡыҙҙары менән атаһы ла, әсәһе лә ғорурлана. Ә улдары?.. Үкенескә генә булған шул, мәктәптә бер-ике йыл аҙапланғандан һуң, атай йортона ҡайтып ауҙы Мәргәне. Үҙенең өҫтөнән яҙған ялыуҙарға аңлатма яҙып йонсоған кешегә кем балаларын ышанып тапшырһын инде. Урынына көслөрәктәр, белемлерәктәр килде. Карьера, Өфөнө яулау һымаҡ хыялдар ҡыҫыр булып сыҡты. Айныҡ йөрөһәң, эшләйем тиһәң, ауылда ла табылып тора. Шунда икенсе ҡатыны менән дә арлы-бирле генә йәшәгән һымаҡ иттеләр. Бер килке силсәүиттә йөрөп аҙапланды. Аттай йорто киң, ашарға бар, урамда ла үҙе һымаҡтар табылып тора, бергәләшеп эсһендәрме, геүләшеп, һуғышһындармы, атай менән әсәйҙең үҙәгенә тамам үтте был малай. Һуңғы ваҡыт пенсионер атай менән әсәйҙең кеҫәһенә һалышты. Эсермәһәләр, аҙмы-күпме йөрөй, үҙен тыныс тота, күңеле килһә, берәй эшеңде лә эшләүе ихтимал. Ә килендәренән, онотолоп (Хәйер, нисек онотолоп? Ундайҙар еңел генә хәтерҙән юйыла торған түгел) барған ерҙән, ара-тирә хәбәрҙәре генә ишетелеп ҡалды. Ярай, ҡыҙҙары уңған: ҡайталар, ярҙам итәләр, әсәй менән атайға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр. Шуға кинәнеп, аҙмы-күпме күңел тыныслығы табып, йылдарҙы һүтәләр ине әле. Бер эсеп алғанында, Мәргәне тауыш күтәрҙе, бер ҙә юҡҡа әсәһенә яҫҡынды: – Һин! Һин, убырлы ҡарсыҡ, минең тормошомдо боҙҙоң, бисәмдән айырттың! Ғүмер баҡый атайҙың башын әйләндерҙең! Күҙемә күренмә! Һин беҙҙең менән йәшәргә тейеш түгел! – тип әйтмәгән һүҙ ҡалдырманы. Ошо һүҙҙәрҙән һуң Фәниәһе күҙ алдында шиңде – насар йоҡланы. Былай һаулығына зарланыуын зарланманы, бирешмәй ине әле. Бер төн Мансаф төш күрҙе. Имеш, улар икеһе лә йәш, әлеге лә баяғы, бесән сабалар. Шишмә сылтырап аҡҡаны ишетелә. Һалҡынса күләгә. Шул ваҡыт ямғыр яуып ебәрҙе. Улар икәүләшеп, ир менән ҡатын, әле һөйөшөп тә туймаған саҡтары, ҡулдарын етәкләшеп, йүгереп, ямғыр аҫтына сыҡтылар. Бәй, ямғыр тигәндәре эҫе һыу ҙабаһа. Юҡ! Юҡ! Эҫе һыу ҙа түгел – ҡайнар күҙ йәштәре түгелме һуң? Мансаф тертләп уянып китте. Уянһа, эргәһендә Фәниәһе илап ултыра. – Ни булды, йомшағым, ап-ағым? – тип йәш сағындағы һымаҡ, ҡосаҡлап алды. – Күрмәйһеңме ни? – тип һығыла-һығыла иланы Фәниәһе. – Йәшәрлек көсөм ҡалманы. Мин үлһәм, һине кем ҡарар икән? – тине үкһеп. – Кит, бушты һөйләмә, ҡарсыҡ! – тине бабайы. – Улайтып һөйләйһе булма! Әгәр минән алда үлеп китһәң, һине мәңге ғәфү итмәм! Һин мине ҡарарға тейешһең! Минең өҫ-башымды кем йыуа? Һинән башҡа кешегә ышаныу юҡ. Ҡыҙҙарыңдың үҙ донъяһы. Ҡара уны, үлеп кенә ҡара! – Ярай, – тине Фәниәһе. – Һин тип кенә йәшәйем. Һине ҡалдырғым килмәй. – Әйт, йәшәйем, тип әйт, – тип ныҡышты Мансаф. – Йәшәйем. Йәшәрбеҙ, – тине ҡарсыҡ ҡынаһы күҙ йәштәре аша. Һүҙендә торманы Фәниәһе. Йәшәрлеге ҡалмағайны. Ярты йыллап сирләне, үлер алдынан ҡыҙҙарын йыйып алды. Нимә һөйләшкәндәрҙер, белмәй Мансаф, һәр хәлдә, ҡыҙҙары аталарын ситләтмәне. Бына, әле лә йылы тастан тороп, өҫ-башты алыштырып, тормошонан ҡәнәғәт булып ята. Әйләндереп, массаж яһайҙар, майҙарын һөртәләр – эй, ҡыҙҙары уңған да инде! Әлдә ошо ҡыҙҙары бар. Ә улы?.. Тышта һалҡын, ыжғыр ел тимер түбәне һәм ҡойманы һелкетә. Улы ҡайҙа йөрөй икән, Мәргәне? Берәй ҡойма төбөндә эсеп ятмаһа, ярар ине. Ауылдың рәте китте. Улы һымаҡтар күбәйҙе. Улар менән көрәшеп тә, уларҙы тәрбиәләп тә булмай. Икенсе заманалар килде шул... Шулай ҙа, уйлаштырып ҡуя, теге ваҡыт Мәргән ул һүҙҙәрҙе ҡайҙан сығарып әйтте икән? Мансаф йыш ҡына ғәйепте үҙенән дә, ҡатынынан да эҙләп ҡараны. Ә бит улдары тип өҙөлөп торҙолар. Самокат һорағайны – самокат алып бирҙеләр, ун алтыһы тулғанда, инде мотоциклда елдерә ине, армиянан ҡайтыуына, иҫке булһа ла, “жигули” көтөп тора. Үҙе тырышып эшләне, улын һәр эшкә бер ҡатар йөрөтөргә тырышты – күрһен, өйрәнһен, кешеләр менән һөйләшергә белһен, тип үҙенсә һабаҡ бирергә тырышҡайны. Ә ул нисек яуап бирҙе? Армиянан ҡайтып, сумаҙанын ырғытты ла: “Һеҙҙең мине яратмауығыҙ арҡаһында, ике йыл һалдат һурпаһы һемерҙем”, – тине. Аҙаҡ белде Мансаф, аптырағайны шул, ике йыл хеҙмәт итә, отпускыға ҡайтармайҙар, тип. Командиры менән һуғышҡан, нарядтан башы сыҡмаған, ике йыл хеҙмәт итеп, уҡырға инерлек характеристикаға ла лайыҡ булмаған икән... Шул малай... Нисек шул малай? Ул бит һинең улың! Һинең вариҫың! Нимә тине әле ул? “Атай, әсәйемде айырмаһаң, мин һеҙҙән баш тартам!” – тине бит әле. Йә, Хоҙай, нисек... Үҙе ҡурҡып, күндәм йылмайып ҡына әйтмәне, атай менән әсәйгә, уларҙың 70 йыллыҡ ғүмеренә, никахына хөкөм сығарҙы. Атай кеше быға лайыҡ инеме? Әсәйҙең ғүмерен шул һүҙҙәр ҡыҫҡартманымы? Уф!.. Үҙе ҡайҙа йөрөй икән? Иҫән генә булһа ярар ине. Аҙағы: Дүртенсе бүлек Беренсе бүлек Икенсе бүлек "Бәйләнештә" беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Уларҙың юлы яңы ғына йорт һалып сыҡҡан бөтмөр йәш ғаиләнең йорто тирәһендәрәк киҫеште. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, тәүгеһе уларҙың йортон ҡулы менән һелтәп күрһәтеп: Килендәр йүнле буламы? – Бынау Сәғитте әйтәм, бигерәк тик тора белмәй инде. Ана, ҡапҡаһын ниндәй итеп эшләп ҡуйған! Тәтәй бит, тәтәй. Килен балаҡайҙың бәхете бар, – тине. – Һы, егәрле булырһың да! Бисәһе пакуй бирмәйҙер, шул игәп-тызып тормаһа, эшләр ине, ти! Ятыр ине диванда һуҙылып, минеке кеүек, – тине икенсеһе. – Килен дә һәйбәт бит ул! Ихлас, яҡты йөҙлө. – Әллә инде, әллә. Килендәрҙең һәйбәт булғанын ишеткән юҡ. Бөтәһе лә шул бер сыбыҡтан ҡыуылғандарҙыр улар. Юҡҡа ғына, килен кеше кем – кәм кеше, алабайға тиң кеше, тип әйтмәгәндәр. Боронғолар яңылышмаҫ. – Сәғит үҙе уңған бит ул. Бына тигән гарнитур ҙа эшләп ҡуйған! Магазиндыҡы ары торһон. Эй матур. – Кит, шуны ла үҙе эшләгәнме, ә? Йә, шул әҙер гарнитурҙы һатып ҡына алһа, нимә булған! Аҡса китә шул, аҡса. Ә былай әллә күпмеһе янда ҡала. – Ҡулы алтын бит уның. Үҙе шул тиклем итәғәтле, тәмәке лә тартмай, эсеп, болғанлап та йөрөмәй. Хоҙайым минең ҡыҙҙарыма ла шундай ғына кейәү насип итһен. – Тәмәке тартһаң, эсһәң, әлеге лә баяғы аҡса кәмей шул. Тарттырыр һиңә килен. Күреп ҡалһа, ауыҙын өтөргә лә күп һорамаҫ. Ҡыҙҙарыңа шундай кейәү һорайһыңмы ул?! Кит, тәүбәкәйем! Тапҡанһың шайлы кешене. Бисә ҡурайына бейеп кенә йөрөгән ир ирме ни ул. Сепрәк! Шундайҙарҙы йәнем һөймәй. Уларҙың ир булып йөрөүҙәре. Әллә ҡайҙан эйәреп ҡайтҡан бисәнең көйөн көйләп кенә йәшә, имеш. Ыстрам! Ҡуй инде, ҡуй. Итәк кенә кейеп йөрөһә. Ир булғас, ир һымаҡ булһын! Кәрәк икән, әҙерәк дөмбәҫләп тә алһын. Әтеү килендәр әллә кем булып шашырға әҙер генә тора. Һуңғы арала ул Сәғит күренмәй тора әле. – Дауханала ята, ти. – Мин уның шулай булырын күптән һиҙә инем. Теге ваҡыт бигерәк йонсоу күргәйнем. Үлмәле булып бөткәйне. Ашатмайҙыр инде. Ул ашарға бешерһә, кем һыланып-һыйпанып йөрөй тиң. Нимә булды икән? – Һуҡыр эсәгенә операция яһағандар. – Шул әлегә лә баяғы килендең насарлығылыр инде. Һуҡыр эсәккә күп кәрәкме ни! Ана минең ирем унан күпкә оло булһа ла, һуҡыр эсәгенең ҡайһы ерҙә икәнлеген дә белмәй. Бисәләр йүнле булһа, ирҙәр ауырымай ул. Ғазраил килендәр ирҙәрҙең башына етә лә инде. Сәғиттең башы тәгәрәй ҡалһа, ул килен ыжлап та бирмәҫ ул. Донъя иркен ҡалыр. – Ҡуй, әллә нимәгә юрамайыҡ әле! Берһенән-береһе бәләкәй биш балаһы бар. Уларҙы кем ҡарар? – И-и-и, кем ҡараһын, һөкәмәт ҡарай, умырып пенсияһын алыр. – Кит юҡты һөйләмәйек! Аҡса атайҙы алмаштыра ала тиме? Әй һорамай ҙа торам, үҙең дә былтыр килен төшөрҙөң түгелме әле? – Алыуын алдыҡ та ул. Әллә ҡайҙан шул бисураға тап булды. Ҡуй инде, улымдың бәхете булманы. Исмаһам, кәләш алһа, эсеүен ташлармы тиһәм, юҡ инде. Килен йүнле булһа, ауыҙына ла алмаҫ ине. Ауыр аяғы менән килде ул килен ишараты. Һыйырбыҙ ҡазаланды. – Ә ҡәйнәң ни хәлдә әле? Ауырый тип ишетеп ҡалғайным. Кем ҡарай? – Белмәйем, күптән күргән юҡ, һис бушай алмайым. – Бәй, күрше генә тораһығыҙ түгелме ни? – Торһа һуң? Ана, кесе килен ҡараһын, донъя уға ҡалды бит! Венер ИСХАҠОВ. Автор: Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Беҙ – һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре был афәтле йылдар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ! 1941 йылдың 22 июнҽ... Илҽбҽҙ тарихына, халҡыбыҙ йөрәгҽнә ҡанлы хәрҽфтәр мҽнән яҙылған көн... Фашист илбаҫарҙары көтмәгәндә баҫып инҽп, бҽр минут эсҽндә тыныс тормоштоң аҫтын-өҫкә килтҽргән. Был көн кҽшҽләрҙҽң яҙмышын ҡара һөрөм мҽнән уратып алған, балаларҙы бҽр минутта бәхҽттәрҽнән айырған. Ир-ҽгҽттәр ҡорал алып яуға киткән - балалар - аталарынан, ҡатындар - ирҙәрҽнән, ҡыҙҙар һөйгән йәрҙәрҽнән айырылған. 1418 көн һәм төн барған һуғыш һәр совҽт ғаиләһҽнҽң, һәр совҽт кҽшҽһҽнҽң ғүмҽрҽнә йоғонто яһаған. Ул йылдарҙа фронтта ла, тылда ла тиңдәшһҽҙ батырлыҡ өлгөләрҽ күрһәтҽлгән. Һалдаттар яу яландарында үҙҙәрҽн аямай дошманға ҡаршы көрәшҽп, тыл хҽҙмәткәрҙәрҽ ал-ял бҽлмәй тир түгҽп, Бөйөк Еңҽүҙҽ яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индҽргән. Илҽбҽҙ 20 миллиондан ашыу кҽшҽһҽн юғалтҡан. Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарынан һуғышҡа бөтәһҽ 235 кҽшҽ киткән. Уларҙың тик 104-ҽнә гҽнә тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайтырға насип булған. Күптәрҽ хәбәрһҽҙ юғалған. Бҽҙ бөгөн матур, тыныс тормошта йәшәйбҽҙ. Әммә бҽрҽбҽҙ ҙә был тормошто яулау өсөн ниндәй хаҡ түләнгәнҽн - атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәрҽбҽҙ күпмҽ ҡайнар ҡанын, әсҽ тирҽн һәм күҙ йәштәрҽн түккәнҽн оноторға тҽйҽш түгҽлбҽҙ! Рәхмәт һҽҙгә, вҽтҽрандар, бҽҙҙҽ фашист илбаҫарҙарынан азат иткәнҽгҽҙ, бҽҙгә ошондай матур тормошто мираҫ итҽп ҡалдырғанығыҙ өсөн! Һҽҙҙҽң алда ҙур хөрмәт мҽнән баш эйәбҽҙ! Һҽҙҙҽң иғтибарға, хөрмәтлҽ төркөмдәштәр, Ҡоръятмаҫ һәм Алға ауылдарының Бөйөк Ватан һуғышы вҽтҽрандары һәм һуғышта ҡатнашыусылар тураһында ҽйәндәрҽ һәм мәктәп уҡысылары яҙып ҡалдырған хәтирәләрҙҽң бҽрҽһҽн һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ! Талхин Мәлих Талха улы Мәлих Талха улы 1926 йылдың 12 авгусында Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. 1943 йылдың 15 ноябрҽндә уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. 1944 йылдың 15 майында 39-сы танк полкында хәрби ант ҡабул итә. 1944 йылдың фҽвралҽнән 1945 йылдың июнҽнә тиклҽм 39-сы танк полкында курсант була.1945 йылдың июнҽнән 1946 йылдың дҽкабрь айына тиклҽм танк бригадаһында үҙйөрөшлө танкта мҽханик-водитҽль була. 1946 йылдың дҽкабрҽнән 1950 йылдың октябрҽнә тиклҽм тҽлҽграф полкында радист була. 1950 йылдың сҽнтябрҽнән 1951 йылдың октябрҽнәсә 53-сө танк полкында старшина булып хҽҙмәт итә. 1964 йылдың 4 мартында хәрби комиссариат тарафынан запастағы подпоковник званиҽһы бирҽлә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Япония мҽнән алыштарҙа ла (1945 йылдың 9 авгусынан сҽнтябрь айына тиклҽм) ҡатнаша. Түбәндәгҽ наградалар мҽнән бүләкләнә: * "Гҽрманияны ҽңгән өсөн". * "Японияны ҽңгән өсөн" * "Бөйөк Еңҽүҙҽң 20, 30, 40, 50 йыллығы" юбилҽй миҙалдары. Һуғыштан һуң тыуған яҡтарына әйләнҽп ҡайта. 1951-1953 йылдарҙа Ҡоръятмаҫ ауылында кҽләт мөдирҽ булып эшләй. 1956 йылдан тракторсы булып хҽҙмәт юлын дауам итә. 1956-1957 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһында хисапсылар курсында уҡый, артабан 1957-1960 йылдарҙа - Ҡоръятмаҫ ауылында, 1960-1986 йылдарҙа "Россия" (хәҙҽргҽ "Дружба") колхозында - хисапсы, 1986-1996 йылдарҙа колхозда рҽвизор булып хҽҙмәт һала. Ҡатыны Саима мҽнән 5 бала - 3 ул, 2 ҡыҙға ғүмҽр бүләк итәләр. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Һыуытҡыста һаҡланған бәрәңге шулай уҡ тиҙерәк серей. Шуға ла уны иҙән аҫтында йәки баҙҙа һаҡларға кәңәш итәләр. Һуған һыуын юғалта, шиңә башлай. Һалҡын һауанан бал да файҙалы сифаттарын юғалта. Һарымһаҡ йылы ярата. Икмәк һыуытҡыстағы барлыҡ еҫтәрҙе үҙенә һеңдерәсәк, уға ят тәм керә. Шоколад, печенье, вафлиҙарҙы ла һыуытҡыста һаҡламау хәйерлерәк. Шоколад һыуыҡта аҡ өҫлөк, күгәрек менән ҡаплана, печенье, вафлиҙар иһә йомшара башлай. Йомортҡаларҙы ла һыуытҡыстың ишегендә һаҡларға кәңәш итмәйҙәр. Был һыуытҡыстың иң йылы урыны. Бында йомортҡа тиҙерәк боҙола. Йылыла сальмонеллез ауырыруы таралыу ҡурҡынысы ла бар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
1939 (бер мең туғыҙ йөҙ утыҙ туғыҙынсы) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса йәкшәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1939 йылы, 2 мең йыллыҡтың 939 йылы, XX быуаттың 39 йылы, XX быуаттың 4 ун йыллығының 9 йылы, 1930 йылдарҙың 10 йылы. Йөкмәткеһе 1 Ваҡиғалар 2 Тыуғандар 3 Вафат булғандар 4 Шулай уҡ ҡарағыҙ ВаҡиғаларҮҙгәртергә ТыуғандарҮҙгәртергә 30 сентябрь — Ризуан Хажиев, Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Наил ҒӘЙЕТБАЙ Ғәйнулла ағай биргән китап Саматты хайран ҡалдырҙы. Ул тәүге биттәрҙә уҡығандарына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Ләкин китапты үҙләштергән һайын фекере үҙгәрә барҙы. Клиник үлем кисергән ике йөҙгә яҡын кешенең бөтәһе лә ғалимға бер үк нәмәне – клиник үлем мәлендә йәненең тәненән айырылып китеүе хаҡында бәйән итә. Алдан һөйләшкәндәр, тиерһең. Ләкин барыһының да бер төрлө алдашыуҙары мөмкин түгел бит! Булған шундай ғәжәп хәлдәр донъяла! Тимәк, Самат та һаташмаған, төш күрмәгән! Сәкинә менән осрашыуы хаҡындағы егеттең бар икеләнеүҙәре, апрель айында ирегән ҡар кеүек, иреп юҡҡа сыҡты. Шикләнеүенең тамсыһы ла ҡалманы тиерлек. Сәкинә менән осрашҡан улар! Осрашҡан! Тимәк, бар ул йән! Бар! Кешенең тәне үлгәс, йәне унан айырылып китә лә, йәшәүен дауам итә! Шулай булмаһа, йәшәүҙең ни мәғәнәһе бар? Мәңгелек менән сағыштырғанда бер секундтай йылт итеп үтеп киткән кеше ғүмере улайһа нимәгә кәрәк? Нисек шуны уйламаған, белмәй йөрөгән ошоға тиклем? Ниңә бер кем дә был хаҡта әйтмәгән? Хәйер, кем һөйләһен, бөтәһе лә тиерлек, Самат кеүек, тирә-йүн фәҡәт күҙгә күренгән матди донъянан ғына тора тип фаразлай бит. Тәнебеҙ үлгәс, юҡҡа сығабыҙ, тип уйлай. Йән Наил ҒӘЙЕТБАЙ Ғәйнулла ағай биргән китап Саматты хайран ҡалдырҙы. Ул тәүге биттәрҙә уҡығандарына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Ләкин китапты үҙләштергән һайын фекере үҙгәрә барҙы. Клиник үлем кисергән ике йөҙгә яҡын кешенең бөтәһе лә ғалимға бер үк нәмәне – клиник үлем мәлендә йәненең тәненән айырылып китеүе хаҡында бәйән итә. Алдан һөйләшкәндәр, тиерһең. Ләкин барыһының да бер төрлө алдашыуҙары мөмкин түгел бит! Булған шундай ғәжәп хәлдәр донъяла! Тимәк, Самат та һаташмаған, төш күрмәгән! Сәкинә менән осрашыуы хаҡындағы егеттең бар икеләнеүҙәре, апрель айында ирегән ҡар кеүек, иреп юҡҡа сыҡты. Шикләнеүенең тамсыһы ла ҡалманы тиерлек. Сәкинә менән осрашҡан улар! Осрашҡан! Тимәк, бар ул йән! Бар! Кешенең тәне үлгәс, йәне унан айырылып китә лә, йәшәүен дауам итә! Шулай булмаһа, йәшәүҙең ни мәғәнәһе бар? Мәңгелек менән сағыштырғанда бер секундтай йылт итеп үтеп киткән кеше ғүмере улайһа нимәгә кәрәк? Нисек шуны уйламаған, белмәй йөрөгән ошоға тиклем? Ниңә бер кем дә был хаҡта әйтмәгән? Хәйер, кем һөйләһен, бөтәһе лә тиерлек, Самат кеүек, тирә-йүн фәҡәт күҙгә күренгән матди донъянан ғына тора тип фаразлай бит. Тәнебеҙ үлгәс, юҡҡа сығабыҙ, тип уйлай. Дөрөҫ, ҡартатаһы менән ҡартәсәһенең йән хаҡында һөйләгәндәрен ишеткеләй ине. Тик был һүҙҙәр бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып китә торғайны. Сөнки дин менән ағыуланған ҡарттарҙың аҡылдары еңеләйгән, ти ҙә ҡуя ине. Баҡһаң, улар дөрөҫтө һөйләгән бит! Китапты уҡыған мәлдә Самат Ғәйнулла ағайҙың йән менән аралашып була, тигән һүҙҙәрен йәнә иҫенә төшөрҙө лә түҙемлеге етмәне, тиҙерәк шул хаҡта тулыраҡ белгеһе килде. Нисек һөйләшә икән ул теге донъя менән? Ғөмүмән, был мөмкинме? Ниңә ул “һиңә иртә әле йәндәр менән һөйләшергә”, – тине ҡәтғи генә. Ә егет Сәкинә менән һөйләшергә теләй! Сөнки Самат һуңғы осор гел генә Сәкинә хаҡында уйлап йөрөй. Ғәҙәттә, ғашиҡ кешеләр шулай һөйгәндәрен башынан сығармай, тиҙәр. Әллә был мөхәббәтме? Егет ғашиҡмы? Донъяла юҡ ҡыҙға! Шулай булыуы мөмкинме? Ошоғаса улар бит тормошта осрашманы! Шуныһы йәл. Әммә Ғәйнулла ағайҙың яуабы элеккесә ҡәтғи ине. – Һин Сәкинә менән аралаша алмайһың әле, – тине ул рәхимһеҙ рәүештә. – Ниңә? – тип аптыраны Самат. – Һин берәй доға беләһеңме? – Ю-уҡ, – тип һуҙҙы ғәжәпләнгән егет. – Бына бит! Ә доға уҡыу ундай аралашыуға тәүге аҙым ғына әле. – Доғаны ятлауы оҙаҡмы ни? – Сәкинә менән һөйләшеү өсөн егет бөтәһенә лә әҙер ине. – Нисә доға белергә кәрәк? Хәҙер ятлайым мин уларҙы! – Ятла, – тип дәртләндерҙе лә Саматты Ғәйнулла, шуның менән һөйләшеүҙең бөткәнлеген аңғартып үҙ бүлмәһенә ыңғайланы. – Ә ниндәй доғаларҙы ятларға? – Самат хужаға эйәрҙе. – «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас», – тип һанап китте Ғәйнулла. – Ниңә улай күп? – тип аптыраны егет. – Бер-икәү генә етмәйме ни? – Етмәй. Йәндәр менән һөйләшеү өсөн һинең күңелең таҙа булырға тейеш. Ә уның өсөн бер-ике генә доға аҙ. – Ә ҡайҙан алырға уларҙы? Ғәйнулла кәштәһенән бер китап алды. – Бында бөтә доғалар ҙа бар. Самат китапты алды. Ләкин тәүҙә Моудиның “Тормоштан һуң тормош”он уҡып бөтөргә булды. Шуныһы ғәжәп: клиник үлем хәлендә биш минуттан күберәк булғандарҙың барыһы ла бер нәмәне һөйләй: мәрхүм туғандары, таныштары менән осрашҡандан һуң, уларҙың янына яп-яҡты рух яҡыная. Унан йылылыҡ һәм һөйөү урғыла, йәнгә шундай рәхәт, унан айырылғы килмәй. Шул саҡ һәр кем үҙенә төбәлгән һорауҙы һиҙә: “Һин үлергә әҙерме?” “Нимәләр эшләнең тормошоңда?” тиеүҙе “ишеткән” клиник үлем кисергән һәр йән эйәһе. – Яҡтылыҡ һипкән йән эйәһе – кем ул? – Самат түҙмәне, йәнә Ғәйнулла ағайҙын янына килде. – Китапта һәр береһе үҙенсә аңлата: береһе – Ғайса пәйғәмбәр, ти, икенселәр – юғары фәрештә, ти. Ә һин нисек уйлайһың? – Тормошта кеше христиан булһа, уға, ысынлап та, Ғайса пәйғәмбәр киләлер, – тине хужа ағай, уйланып торғандан һуң. – Ә мосолманға – Мөхәммәт пәйғәмбәр. Уның кем булыуы мөһим түгел бит. Мәрхүм булғас, йәнгә ниндәйҙер юғары рух килә. Иң ғәжәбе – ул кешегә үткән тормошон тиҙ арала ҙур тиҙлек менән тулыһынса күрһәтә, ғонаһтары өсөн шелтәләй, изге эштәре өсөн маҡтай. Иң мөһиме, һәр кем йәшәгәндәге яңылышлыҡтары өсөн ныҡ оялыу, үкенеү, күңел әрнеүе кисергән. Был бик ауыр тойғо икән. Тамуҡ тигәндәре, бәлки, шулдыр. Хужа ағай Саматҡа ихлас күңелдән аңлайышлы итеп яуап бирергә тырышты, әммә йәндәрҙең тормошо хаҡында егетте ҡыҙыҡһындырған йәки аңлашылып етмәгән нәмәләр күбәйгәндән-күбәйҙе генә. Ғаләмдең төҙөлөшө, тән менән йәндең үҙ ара һәм йыһанға бәйләнеше тураһында егеттең бер ни ҙә белмәүен күреп, Ғәйнулла бүлмәһенән йәнә китаптар сығара башланы. Уҡыған һайын Саматтың ғәжәпләнеүе артҡандан-арта барҙы. Ошоғаса бер ни белмәйенсә, һуҡыр кеүек йәшәгән бит ул! Баҡһаң, донъя, уға бәйле бар ғаләмдең тормошо иҫ киткес ҡатмарлы икән! Йыһандың ҡоролошон, кешенең уға элемтәһен аңлап бөтөрлөк түгел.
Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Роза Аҡкучукова арабыҙҙан китте... Халыҡ йырсыһына 12 февралдә 71 йәш булыр ине. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Роза Аҡкучукова арабыҙҙан китте... Йырҙары мәңге халыҡ күңелендә булыр. Халыҡ йырсыһына 12 февралдә 71 йәш булыр ине. "Атайсал" төбәк гәзите Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
VI Бөтә донъя фольклориадаһының икенсе көнө Мәҙәниәт буйынса CIOFF халыҡ-ара конференцияһы менән башланып китте. VI Бөтә донъя фольклориадаһының икенсе көнө Мәҙәниәт буйынса CIOFF халыҡ-ара конференцияһы менән башланып китте. Көн тәртибендә – Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫынының донъяуи мәҙәни мираҫтың бер өлөшөн тәшкил итеүе. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF Президенты Филипп Боссан, СИОФФ-тың ЮНЕСКОлағы рәсми вәкиле Магдалена Товорник сәләмләне. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова видео аша сәләм һәм ҡотлау һүҙҙәрен юлланы. Ул Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү арҡылы мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индерелеүен баһаланы. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры, СИОФФ-тың милли секцияһы президенты Тамара Пуртова бындай конференцияларҙың, мәҙәниәтте донъяға танытыуҙан тыш, мәҙәни мираҫтың асылын төшөнөү, уға оҙайлы киләсәк хәстәрләү маҡсаты менән дә ойошторолоуын билдәләп үтте. "Рәсәйҙә оҙаҡ йылдар фольклор менән шөғөлләнгән учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары етерлек. Бөгөн залда ултырған һәр кем дә ошо өлкәлә эшләй", - тине ул. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ сығышында төрлө халыҡтар мәҙәниәтен төрлө яҡлап өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләне. "Әленән-әле уҙғарылып торған ғилми эҙләнеүҙәр, китаптарҙа баҫылған уларҙың һөҙөмтәләре тарихи фактҡа әүерелә. Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһендәге һәр ойошма традицияларыбыҙҙы һаҡлау йәһәтенән эш алып бара. Ҡайҙа барырға белмәһәң, үткәнеңә әйләнеп ҡара, тигәндәр. Юл сатында торғанда, ысынлап та, тарихҡа күҙ һалыу мөһим. Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт йәшәй. Беҙ бар байрамдарҙы ла бергә уҙғарабыҙ. Быға төрлө диндән булыуыбыҙ ҙа ҡамасау түгел. Беҙ бер-беребеҙҙән айырылһаҡ та, дөйөм тарихты тәшкил итәбеҙ", - тине ул. Конференцияла Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәте хаҡында һүҙ барҙы. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Мери Русакова Рәсәйҙә матди булмаған мәҙәни мираҫ өлкәһендәге эшмәкәрлек менән таныштырҙы. Тарих фәндәре докторы, профессор Александр Черных Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫты билдәләү, уны өйрәнеү, һаҡлау серҙәрен асты. Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков донъяның төрлө илдәренән йыйылған ҡатнашыусыларҙы мәшһүр эпосыбыҙ "Урал батыр" менән таныштырып ҡына ҡалманы, ә башҡорттарҙың килеп сығышы, шәжәрә, ырыуҙар, тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙ хаҡында ла һөйләне. В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң матди булмаған мәҙәни мираҫ секторы мөдире Варвара Добровольская үҙ сығышын Дағстандағы Игби - ҡышты оҙатыу байрамына, Липецк өлкәһендәге балсыҡтан уйынсыҡтар эшләү сәнғәтенә арнаны. Чечен Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге директоры Рамзан Даудов чечендарҙа Синкъерам – йәштәрҙе таныштырыу йәмғиәт институтының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Алтай Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге директоры, Алтай Республикаһы Башлығы оркестры дирижеры Анастасия Уркунова Алтайҙарҙың өзләүе һәм халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырып ҡына ҡалманы, һүҙҙәренә тере дәлил дә килтерҙе – Алтай Республикаһы Башлығы оркестры солисы, Алтайҙың атҡаҙанған артисы Добрыня Сатин йыйылғандарҙы сағыу сығышы менән ҡыуандырҙы. Уның өзләүен тыңлауы, ысынлап та, үҙе бер тамаша – Алтай моңо тәбиғәттең бар тауыштарын үҙенә йыйғандай. Әйткәндәй, Добрыня 2016 йыл уҙған “Урал моңо”нда Гран-при яулаған артист та икән. Бүрәт Республикаһынан килгән Галина Чебунина - “Судьбинушка” халыҡ этнографик ансабленең художество етәксеһе - Байкал аръяғы мәҙәниәте менән таныштырҙы. Бүрәттәр ҙә буш ҡул менән килмәгән: “Судьбинушка” акапелло йырлап, тауыштар төрлөлөгө, моң тәрәнлеге менән әсир итте. Конференция хаҡындағы тулы мәҡәләне ошо көндәрҙә гәзитебеҙҙең яңы һанында уҡырһығыҙ. Валерий Шахов фотоһы. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Юл һәләкәтенә сәбәпсе ҡатындың Учалынан икәне билдәле. Машина документтар буйынса уның исеменә теркәлмәгән. Ҡасҡан ҡатынды эҙләйҙәр, күрмәнегеҙме? Башҡортостанда автоледи ике пассажиры менән юл һәләкәтенә тарығандан һуң ваҡиға урынына ҡасҡан. Кисә Белорет - Өфө - Инйәр юлында 24 йәшлек водитель юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған. "Иж" рулендәге йәш ҡатын һулға боролған саҡта идараны юғалтҡан һәм, машина юлдан ситкә осоп, түңкәрелеп киткән. Ҡатын емерелгән машинанан үҙаллы сыҡҡан һәм ике пассажирына ярҙам күрһәтер урынға ваҡиға урынынан ҡасҡан. Аварияла 24 һәм 42 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар зыян күргән. Уларҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән Белорет үҙәк район дауаханаһына оҙатҡандар. БР ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡасҡан водитель ҡатындың ҡайҙалығын асыҡлау эше бара. Уның медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итмәгәне билдәле. Водителдең шәхесе пассажирҙарҙың һүҙҙәре буйынса асыҡлана. Юл һәләкәтенә сәбәпсе ҡатындың Учалынан икәне билдәле. Машина документтар буйынса уға теркәлмәгән. Фото: bash.news Автор:Аклима Гизатуллина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
12 майҙан республикала үҙизоляция режимы йомшартылды, әммә битлек режимы көсәйтелә. Ирекле йөрөргә рөхсәт ителде, ләкин йәмәғәт урындарына - магазиндарға, банктарға, күп функциялы үҙәктәргә барғанда битлек һәм бирсәткә кейеү мотлаҡ. -“Бөгөндән битлек режимын үтәү буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтарҙы башлайбыҙ. Кисәге көндә тейешле Закон ҡабул ителде. Хәҙер урамға, йәмәғәт урындарында, транспортта йөрөгәндә битлек кейеп сығыу мотлаҡ! Режимды боҙған өсөн ҙур күләмле штрафтар буласаҡ: граждандар өсөн - 1-3 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 3-5 мең һум; вазифалы кешеләр өсөн - 5-15 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 15-30 мең һум; юридик берәмектәр өсөн - 50-100 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта - 100-200 мең һум; Граждандарға ҡарата иҫкәртеү генә яһауҙары ла мөмкин. Ҡабул ителгән сараларға яуаплы ҡарарға кәрәк. Һәр кем әле хәүеф бөтмәгән икәнлеген аңларға тейеш. Әгәр ҙә быға ҡул һелтәп ҡараһаҡ, башҡа илдәрҙәге кеүек килеп сығасаҡ. Унда халыҡтың яртыһы ауырый, үлем осраҡтары ла күп. Маска кеймәй “Миңә барыбер”! тип йөрөһәк, яҡын кешеләребеҙҙе юғалтыу мөмкинлеге бар. Ер йөҙөндәге бай илдәрҙә лә дауалау саралары етмәгәнлеген белеп тораһығыҙ. Вирустың таралыу тиҙлеге бик юғары! Ауырыусылар һаны артһа, табиптар өлгөрмәйәсәк, эшкә яраҡлы йәштәрҙең генә ғүмерен тәү сиратта ҡотҡарырға тотонасаҡтар”, - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Ғ.Манапов “Бәйләнештә” селтәрендәге үҙенең шәхси сәхифәһендә. Режимдың үтәлеше ҺӘР КЕМ ӨСӨН МОТЛАҠ!!! Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығына битараф булмайыҡ, тирә-йүндәгеләргә ихтирамлы булайыҡ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Көтмәгәндә ҡамыш "урманы" араһынан яҡындағы Жанашу ауылы ҡарттары һәм бала-сағаһы йүгереп килеп сыға. Ололарҙың ҡушыуы буйынса балалар хәлдән тайған ҡатындарҙы таштар менән бәргесләй башлай. (Һәр кемгә көндәлек норма итеп билдәләнгән 40 ҡамыш көлтәһе әҙерләү өсөн ҡышҡы һыуыҡта көн һайын 17-20 сәғәт эшләргә тура килгән). Был хәлде күреп, конвойсылар хахылдашып көлөшә башлай: күрәһегеҙме, һеҙҙе Мәскәүҙекеләр генә түгел, бындағы ауыл кешеләре лә, хатта бала-сағаһы ла яратмай! Күнелгә, тәү сиратта мораль яҡтан, бик ҡыйын булды, тип хәтерләй аҙаҡтан Гертруда Платайс һәм башҡа тотҡон ҡатындар. Был хәл бер нисә көн ҡабатлана. Акмолинск «Ватан хыянатсылары» ҡатындары лагерының элекке тотҡоно Гертруда Платайс 1990 йылда Ҡаҙаҡстанға килгәнендә «АЛЖИР» музейы хеҙмәткәрҙәренә үҙенең яҡын тирәлә йәшәгән ҡаҙаҡтарҙы нисек итеп тәүге тапҡыр күреүен, уларҙың тотҡон ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй мөнәсәбәттә булыуы тураһында беренсе тапҡыр һөйләп бирә. ...Ҡышҡы буранлы көндәрҙең береһендә тотҡон ҡатын-ҡыҙҙар көсәйтелгән һаҡ аҫтында Жаланаш күле ярында ҡамыш йыялар (ҡамышты барактар төҙөүҙә ҡулланғандар). Көтмәгәндә ҡамыш "урманы" араһынан яҡындағы Жанашу ауылы ҡарттары һәм бала-сағаһы йүгереп килеп сыға. Ололарҙың ҡушыуы буйынса балалар хәлдән тайған ҡатындарҙы таштар менән бәргесләй башлай. (Һәр кемгә көндәлек норма итеп билдәләнгән 40 ҡамыш көлтәһе әҙерләү өсөн ҡышҡы һыуыҡта көн һайын 17-20 сәғәт эшләргә тура килгән). Был хәлде күреп, конвойсылар хахылдашып көлөшә башлай: күрәһегеҙме, һеҙҙе Мәскәүҙекеләр генә түгел, бындағы ауыл кешеләре лә, хатта бала-сағаһы ла яратмай! Күнелгә, тәү сиратта мораль яҡтан, бик ҡыйын булды, тип хәтерләй аҙаҡтан Гертруда Платайс һәм башҡа тотҡон ҡатындар. Был хәл бер нисә көн ҡабатлана. Кәмһетелгән ҡатындарға Сталин пропагандаһы тарафынан алданған асыулы ҡаҙаҡтарҙан яҡлау һорап, Раббыларына ялбарыуҙан башҡа сара ҡалмай. Шундай көндәрҙең береһендә үҙенә табан ябырылып осоусы ошо таштарҙан ялтана-ялтана хәле бөткән Гертруда нимәгәлер һөрөнөп йығылып китә. Аяҡ аҫты тулып ятҡан эреле-ваҡлы таштарға йөҙтүбән килеп төшкәс, танауына кинәт тоҙло эремсек еҫе килеп бәрелә, һәм ул аңлап ҡала: был иҫ киткес татлы һөт һәм сыр еҫе ошо аяҡ аҫтындағы таштарҙан килә бит! Ҡатын бер таш киҫәген ауыҙына алып ҡаба – таш уға шул тиклем дә тәмле тойола! Ул ерҙә ятҡан килеш был таштарҙы йыйып алып, кеҫәһенә, ҡуйынына тултыра башлай һәм баракка алып ҡайта. Барактағы тотҡондар араһында ҡаҙаҡ ҡатындары ла була. Был таштар – ҡояшта киптереп яһалған тоҙло эремсек – ҡорот, тип аңлата улар. Яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүсе ҡаҙаҡ кешеләре тотҡондарҙы йәлләп, уларға нисек ярҙам итергә белмәгәс, үҙҙәренең һәм балаларының ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡатындарҙың һәр аҙымын күҙәтеүсе надзирателдәрҙә шик тыуҙырмаҫ өсөн, шул рәүешле булған ғына һуңғы тәғәм ризыҡтары – ҡороттары менән бүлешкән икән бит! 30-сы йылдарҙа үҙе лә аслыҡ-юғалтыуҙар кисергән ҡаҙаҡ халҡы нисек кенә булһа ла, төрлө юлдар менән лагерҙағы тотҡон ҡатындарҙың хәленә инергә, ярҙам итергә тырыша: уларҙың йөрөгән юлдарында үҫкән ҡыуаҡ аҫтарына йәшереп кенә бешкән ит киҫәктәре, ҡорот, талҡан, көлсә һымаҡ нәмәләр һалып китер булалар. Ҡаҙаҡ халҡына булған оло рәхмәт тойғоларын тотҡон ҡатындар бөтә ғүмерҙәре буйы йөрәк түрҙәрендә ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтә. «Бөтә лагерҙар ҙа насар булды, тик тап ошо Ҡаҙаҡстандағы лагерҙарҙа, Аллаһ ҡушыуы буйынса, ҡаҙаҡ халҡының мәрхәмәте сәбәпле, күп тотҡондар иҫән ҡалды. Ҡаҙаҡтар – аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ баштарынан кисергән халыҡ" - тип хәтерләй элекке тотҡондар. Тарих уҡытыусыһы Раиса Голубеваның «Ҡорот – аҫыл таш» (русса «Курт – драгоценный камень») исемле шиғыры нигеҙендә Гертруда Платайстың хәтерләүҙәре ята: «...О, Господи, да это ведь не камень, От него так пахнет молоком. И в душе затрепетал надежды пламень, А в горле встал ком. Так вот что придумали старики! Вот за что женщины детьми рисковали! Да нас от болезни берегли, Они нас от безверия спасали. Они поняли, что мы не враги, А просто несчастные женщины. И чем смогли – помогли, Поразив нас своей человечностью. Я молча попозла по льду, Собирая драгоценные камни. Теперь я отвратила от них беду, Спасая их от охраны. А ночью в холоднейшем бараке, На оскверненной палачами земле, Я, немка, молилась мусульманскому богу, Да ничего не просила себе. Я просила старикам здоровья, Женщинам-матерям – счастья. Особенно я молилась за детей, Чтобы они не видели несчастья. Я прошла все круги "ада", Потеряла веру и друзей, Но одно я теперь твердо знаю, Что только так и надо Воспитывать детей!» ------------------------------------------------------- «АЛЖИР» – «Акмолинский лагерь жен изменников Родины» Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ошо көндәрҙә Алға ауылында ла ҡаҙ өмәләре башланды. Был мәшәҡәтле ҙур эште күмәкләп башҡарыуы еңелерәк, сөнки мамығынан башҡа ваҡ эше күп. Яҙ башынан алынған бәләкәй генә һап -һары бәпкәләрҙе ҙур ҡаҙҙар булып еткәнсе үҫтереү күп көс талап итә. Быйыл Алға ауылында Зилә Ҡаһарманова, Юлиә Әхмәтйәнова, Гүзәл Сәлихова, Лилиә Ғәйнетдинова, Альбина Сәлихова, Фәрзәнә Хәсәншиналар 30-40-ар ҡаҙ үҫтергән. Күмәкләшеп, йырлаша-көлөшә ҡаҙҙар йолҡона, һуңынан быуаға алып барып,таҙа һыуҙа йыуыла һәм ҡышҡылыҡҡа һыуытҡыстарға һалып ҡуйыла. Оҙон ҡышта улар кис ултырып ҡаҙ ҡаурыйҙарын һыҙырыр, мамыҡ мендәрҙәр яһар. Фотолар: Ригина Ғәзизованың шәхси диуарынан алынды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
… Ихатаһына килеп ингәйне, таптыҡ аҫтында нимәлер юнып маташҡан улы, ҡулындағы бысағы менән ағас киҫәген ситкә ташлап, атаһына ҡаршы йүгерҙе:– Ата-ай! Атай! Һине нимешләттеләр?!Ҡәҙим буйсан булып яурынына етеп килгән улын тынысландырып, ҡатҡыл усы менән елкәһенән һөйөп ҡаҡты: –Бер нәмә лә эшләтмәнеләр, улым. Шул көндө үк ебәрҙеләр.Малай тауышын баҫа төштө: –Әсәйем һине туҡмайҙар, унан төрмәгә ултырталар, тине. –Юҡты һөйләй әсәйең, уйлама ул турала – онот. Үҙегеҙ нисек торҙоғоҙ?– Нормально. Атай… һине әсәй индермәйем, ти.Атаһы бер генә көрһөндө лә, ләм-мим өндәшмәй, өйгә ыңғайланы. Малай күңелһеҙ хәлгә шаһит булырға теләмәйенсә, йәһәт кенә күрше урамға– өләсәйҙәренә шылды. Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҺЫНАУ Хикәйә Икенсе өлөшө … Ихатаһына килеп ингәйне, таптыҡ аҫтында нимәлер юнып маташҡан улы, ҡулындағы бысағы менән ағас киҫәген ситкә ташлап, атаһына ҡаршы йүгерҙе: – Ата-ай! Атай! Һине нимешләттеләр?! Ҡәҙим буйсан булып яурынына етеп килгән улын тынысландырып, ҡатҡыл усы менән елкәһенән һөйөп ҡаҡты: –Бер нәмә лә эшләтмәнеләр, улым. Шул көндө үк ебәрҙеләр. Малай тауышын баҫа төштө: –Әсәйем һине туҡмайҙар, унан төрмәгә ултырталар, тине. –Юҡты һөйләй әсәйең, уйлама ул турала – онот. Үҙегеҙ нисек торҙоғоҙ? – Нормально. Атай… һине әсәй индермәйем, ти. Атаһы бер генә көрһөндө лә, ләм-мим өндәшмәй, өйгә ыңғайланы. Малай күңелһеҙ хәлгә шаһит булырға теләмәйенсә, йәһәт кенә күрше урамға– өләсәйҙәренә шылды. Ҡәҙим ишекте асып, тупһа аша атлағайны ғына, ишек яңағына нимәлер «шап» иттереп килеп тейҙе лә, Рәйләнең әсе тауышы ҡолаҡтарҙы ярҙы: –Нимә?! Ҡайттыңмы, уйнаш! Кем көтә һине бында?! Бар сығып кит! Бар! Ҡәҙим өндәшмәй генә үҙенә ҡарай осҡан китаптарҙы иҙәндән йыя-йыя, дәрес әҙерләп маташҡан бәләкәй ҡыҙы янына килде. Берҙән ҡурҡып, икенсенән, алдындағы дәреслектәрен әсәһе алып бәреп бөткәндән аптырап, башҡынаһын дәфтәренә терәгәндәй эйеп, бөршәйеп ултырған балаһын ҡармап ҡосаҡлап күтәреп алды ла төпкө бүлмәгә инеп китте. Унда Мәликәһен алдына ултыртып, һығып-һығып ҡосаҡланы, туҙған сәстәренән, йәшле күҙҙәренән үпте: «Бәләкәсем минең, бөрсәм, ялбыр башым, алтыным…», –тип иркәләне. Ғәҙәтенсә, ирен ситтәре күперекләнгәнсе ярһыған Рәйлә, әле бер, әле икенсе нәмәне атып бәреп, уны-быны вата-емерә һуғып, сәсәгәнсе, ҡарлыҡҡансы ҡысҡырҙы, ҡарғаны, үҙе аңлаған һәм аңламағанса, ҡатлы-ҡатлы итеп, ике телләп тороп һүгенде. Тәүге бәрелеш тулҡыны үткәндәй булғас, ир, ҡыҙын етәкләп, урамына сыҡты. Бесәнгә төшөүгә яйламаҡсы булып, тиреп һалған сапҡыс ҡоролмаһын йыйып ултыртып, балалар менән көн дә ҡаршы алынмағанлыҡтан көтөүҙән һуңға ҡалып йөрөүгә ғәҙәтләнгән һыйырҙарҙы эҙләп алып ҡайттылар. Быҙауҙары бер, инәләре икенсе башта баҡырышып тороп та, ҡатыны сығып һаумағас, Ҡәҙим оло һыйырҙың бер имсәген генә сәйлек тартҡыланы ла быҙауҙарын ҡушты. Былай ҙа ураған һайын ҡушылып, ғарҡ булғансы имеп, яман өйрәнгән быҙауҙар үҙ эштәрен белә -– тояҡтарын айыра баҫып тороп, ярыла яҙып тулышҡан елендәрҙе морондары менән бер-ике төртөүҙә эйҙереп алып, шайыҡтарын ағыҙа-ағыҙа шапылдарға ла керештеләр. Был күренеште лә, унһыҙ өйгә инергә ҡыймай йөрөгән балаларын да эсе бошоп күҙәтеп торҙо Ҡәҙим. Ул арала урамға «ға-ға-ға»лап ҡаҙҙар ҡайтып инде. Ете бөртөк кенә. Йүнле ашатмауҙан үҫә алмайынса, күкрәктәре алға сығып, шыҡһыҙ булып шыҡырайып ҡалғандар. Ҡасан ғына әле ҡатыны: «Ҡарайым да ҡарайым», – тип, әллә нисә меңгә ике тиҫтә итеп алдыртҡайны. Ҡарай буламы инде?.. Ҡайһыһын ҡарға алып, ҡайһыһы томанлы һалҡын төндәрҙә урамда ҡалып өшөп, ауырып ҡырылып бөткән. «Әй, уныһы… бер быйылғы хәлме…» Ҡаҙы ҡаҙ, балалары ла шул ҡаҙҙарҙан кәм ас түгелдер. Рәйләнең бит иң яман ғәҙәте – ашарға бешермәү. Өйҙә ултырһа ла, көн оҙоно ваҡыты булмай, әле бер күршегә, әле икенсеһенә инеп хәбәр һата, сәй эсә, магазинға барып ҡайтҡан юлында ла ике-өс кешелә туҡтала. Үҙенең тамағы туҡ булһа, балаларына печенье-фәлән генә ала ла бирә. Тегеләре шуны тумыра ла һыу эсә. Өйгә ингәйнеләр, һаман әрләүҙән туҡтай алмаған ҡатынының тауышы тағы ла күтәрелә төштө. Атаһына картуф әрсешеп йөрөгән Кәрим сыҙамай китте: – Әсәй, етәр! Башты ауырытып бөттөң! Үҙ-үҙе менән ирешеп, арый башлаған әсәһе ҡыуанып китте хатта: – Ә-ә! Әсәң башыңды ауырттырамы?! Ана, атаңдың уйнашына барып йәшәгеҙ! Ул башығыҙҙы ауырттырмаҫ! Нимә?! Атаң өйрәтәме?! – Хәбәрҙең балаға ярағанын да, ярамағанын да һипте генә ҡатын. Улы менән ҡыҙын ашатып, тегеләре иҫәнәшеп таралышҡас, аш бүлмәһендә аҙ булһа ла тәртип яһап алырға булды ир. Иртәнсәк сәйгә тороуға күңелһеҙ булмаһын. Әҙәм ҡарағыһыҙ булып ҡарайған мейескә текәлә биреп торһа ла, ҡул һелтәне лә, түгеп-сәсеп бешеренеүҙән шаҡталанып киткән плитәне таҙартырға кереште. Өҫтөндә өс-дүрт көн элекке бысраҡ ҡатҡан булһа ла, көслө ҡулдар сыйып-юнып тигәндәй, ҡасандыр аҡ төҫтә булғанды ялтыратып ҡуйҙы. Сират табаҡ-табаҡ итеп өйөп ултыртҡан һауыт-һабаға етте. Оло биҙрә менән һыу йылытып алып, ҡулдарын бешерә-бешерә йүкә йыуғыслап тороп ышҡыны ир. Күңеле лә күтәрелгәндәй булды. Үҙе эсенән: «Нимәһе оҡшамай икән был эштең Рәйләгә, бына бит, таҙарған һайын рәхәт…» – тип уйланы. Ҡатыны иһә аш бүлмәһендә һауыт-һаба шалтырай башлағас, диванға арҡыры төшөп телевизор ҡарап ятҡан еренән тороп, ишектән башын тығып ҡараны ла: – Уй, бахыр, теге бисәң өйрәтеп ҡайтарҙымы пасуда йыуырға, - тип киткән булды. Һауыт-һабаның осона сыҡҡас, иҙән буйлап теҙелгән ашлыһыу, айыртылмай, эшкәртелмәй әсеп-күпсеп ултырған һөт, ҡатыҡ биҙрәләрен сығарып малға ҡойоп, уны-быны рәтләгәндә, әллә нисә урында бушаған һыра шешәләренә юлығып аптырап торҙо Ҡәҙим. Юҡ, был тәңгәлдә өндәшмәй ҡала алмай ул. Асыуы алҡымынан алһа ла, үҙ-үҙен ҡулда тоторға тырышып, ҡатынын саҡырҙы: –Рәйлә, кил әле бында. Тегеһе – ләм-мим. Ишетһә лә, ишетмәмешкә һалышты. – Рәйлә, кил әле, тинем. –Хәҙер – йүгереп китәм. Кәрәк булғас, үҙең кил. Ҡәҙим ике шешәне тотоп ҡатынының алдына килеп баҫты: –Был нимә? –Анда һинең ней эшең бар? Нимә икәнен белгең килгәс, өйҙә тор! – Һин башҡаса эсмәйем, тинең. Эсмәҫкә тип, ант иттең! Һин балалар алдында - өйҙә эсеп ултыраңмы?! – Һинән һорамайым мин! Һин – уйнаш! Һин - … Яр һалырға ниәтләп тороп баҫҡан ҡатындың ҡапыл тауышы өҙөлдө, сөнки гөлт итеп ҡабынған иренең ҡыпһыуыр кеүек һыңар усы уның һимереүҙән ҡыҫҡа ғына булып ҡалған яланғас үңәсенән эләктереп алғайны. Рәйлә тулы кәүҙәһе менән йәнтәслим тулап, төйөрөм йоҙроҡтарын эшкә ҡушыуға, Ҡәҙим уны һыңҡылдатып мейескә терәне лә, тегеһенең көсәнеүҙән йәмһеҙ салшайған йөҙөнә һәм атылып сыға яҙып аҡшайған күҙҙәренә асырғанып ҡарап тора биргәс, үҙен көскә мәжбүр итеп бармаҡтарын яҙҙырҙы. Хәле бөткән ҡатын иҙәнгә шыуып төштө һәм бер-ике тәрән итеп тын алғас: – Милиция… милиция… ултыртам… ултыртам…. – тип телефонға ҡарай шылышты. Ҡапыл ғына асыуы ла, ярһыуы ла өрөп һүндергәндәй баҫылып, бары тик әсе үкенес солғанышында ғына тороп ҡалған ир, башы эйелгән, беләктәре һәлберәгән хәлдә, яй ғына сығып, тупһаға ултырҙы. Ултырҙы-ултырҙы ла, һарай башына менеп, үҙен бик йыш һыйындырған алама түшәгенә ауҙы. Ҡәҙимдең ҡатыны икәү. Эйе-эйе – ҡатыны. Никахлы, хәләл ҡатындары. Ҡайһыныһы тәүгеһе тигәнде лә аныҡ ҡына әйтеүе ауырҙыр. Рәйләһенә башта өйләнгәйне ул. Бер тиҫтә йылдарҙан ашыу ғүмер итеп тә ташлағайны инде. Улай тиһәң, Әминәһен йәштән яратҡайны. Армиянан ҡайтҡан йылында уҡ күреп ғашиҡ булғайны. Араларында ысын мөхәббәт тә кеүек ине, һәр хәлдә Ҡәҙим үҙе уйһыҙ-һушһыҙ ине. Тик Әминә, аңлайышһыҙ сәбәптәр арҡаһында, ҡапыл ғына бер ни аңлатмайса, үҙен һаман ҡоҙалап маташҡан уҡытыусы егеткә тормошҡа сыҡты ла китте. Башына һуғылғандай булып шаңҡып ҡалды егет, әммә нимәлер даулап, тауыш ҡуптарып йөрөмәне. Сәбәбен һуңынан ҡыҙҙың әхирәте еткерҙе. «Йәш кенә көйө, бабайҙар һымаҡ, дин тотоуы аптырата, кешенән оят», - тигән икән Әминә. Ә бит ҡыҙҙың үҙен дин юлынан ҡайырырға тырышыуын һиҙә ине бит ул, аңғара ине. Өйрәнер әле, күнер, тип уйлағайны. Тимәк, күнмәгән… Армияла Ҡәҙим чечен егеттәре менән хеҙмәт итте. Дөрөҫөрәге, шул милләт уландары өҫтөнлөк итте ул эләккән частарҙа. Ана шулар частағы бар мосолман егеттәрен дә дингә баҫтырҙы. Кемдәрен көсләп, кемдәре үҙҙәре теләп баҫты намаҙға. Ҡәҙим иһә, тормоштоң, замананың күп төшөнсәләрен ҡабул итә алмаған ҡырыҫыраҡ, йомоғораҡ әҙәм, ошо юлда үҙ-үҙен асҡандай, үҙ асылын төшөнә барғандай тойҙо. Тора-бара тап хаҡ мосолман булып йәшәү өсөн тыуғанлығын аңланы. Хеҙмәттән ҡайтҡас, уның намаҙ уҡыуын ишетеп, бар ауыл бот сапты. Был ваҡытта, һикһәненсе йылдар аҙағы, туҡһанынсы йылдар башында, ауылдарҙа диндең әҫәре лә юҡ ине әле. Йәштәр көлдө, ололар ышанманы. Атаһы, магазинға ҡыҙыл араҡы (ағы бик һирәк була) йәки һыра мискәләре килеүен көтөп кенә йөрөгән кеше, башта «Ҡыланалыр, ялҡһа, ташлар әле», - тип кенә ҡуйһа ла, аҙаҡ, ҡыҙмаса булып алғанында, намаҙҙа ултырған улын бер-ике түңкәрә һуғып та ҡараны, тик тегеһе ҡолап ятҡан килеш тә уҡыуын дауам иткәс, аптырап, ҡул һелтәне. Әсәһе иһә, ғүмер буйы иренең, хәҙер инде өлкән улының да, эскелеге менән арманһыҙ булып айҡашҡан ҡатын, заманында ялҡынлы коммунист булыуына ҡарамаҫтан, бик оҙаҡ уйланғандан һуң, мосолман улының яғын алды. Алды ғына түгел, балаһына иптәш, терәк булыу маҡсаты менән, үҙе лә ҡулына Ҡөръән тотоп, яулыҡ ябынды. Мөхәббәттә бер ауыҙы бешкәс, Ҡәҙим ҡыҙ-ҡырҡынға күтәрелеп ҡарамаҫ булғайны. Эше лә урманда, йәйҙәрен ҡайтмай тиерлек, ҡыштарын ҡуна ятып йөрөнө. Янып-көйөп көлгә ҡалған йөрәген үҙе табынған Аллаһы ҡөҙрәттәре менән дауаланы, үҙ ҡанундары, тәртиптәре менән йәшәне, башҡаларҙы ирекһеҙләмәне, ҡамасауламаны. Егерме алтыһы тулып уҙған йәй ине, шикелле, район һабантуйына барғайны. Барыуы ла шул, ары-бире көрәш-маҙар ҡарап йөрөнө лә, ҡайтып та китте. Бер-ике көндән һеңле тейеш бер ҡыҙ туҡтатты урамда. «Ҡәҙим ағай, – ти был муйыл күҙҙәрен уйнатып, – теге мәл һабантуйҙа Сәғиттән бер әхирәтемдең һиңә күҙе төшкән. – Унан китә биргәс, тағы ҡайырылып ҡараған булды, – Шәмбе көн беҙгә килә, клубҡа сыҡ». Ҡәҙим аптырап торҙо ла ҡалды. «Кем» тип тә һорарға эшкинмәне, әммә онотманы, онота алманы ул был һөйләшеүҙе. Сәғит ауылы ҡыҙы хас та Әминә булып күҙ алдына килде лә баҫты, килде лә баҫты. Тиҙерәк уны күреү, танышыу теләге менән янды. Бына, ниһайәт, көткән шәмбе лә килде. Ҡарындаш тейешле ҡыҙ менән ҡушарлап йөрөгән нәҙек оҙон ҡара һылыу ҡыҙҙы ҡырҙан ғына күҙәтте ул. Юҡ, был Әминә түгел. Шундай уҡ буй-һын, оҙон ҡара толомдар, тик ҡараштар, холоҡ ҡырҡа башҡа. Был ҡыҙ кем алдына булһа ла баҫып, ҡоралай кеүек ҡыйыу тыптырлап бейей, хатта саңҡыу тауыш менән таҡмаҡлап та ебәрә. Ул ғына түгел, иң артҡы рәттәргә һеңеп, шым ғына ҡарап ултырған Ҡәҙимде лә, бейергә саҡырып, тартҡылап китте әле. Күҙҙәре янып, сикәләре алһыуланып, ҡупшы ирендәре йырылып, ынйы тештәрен йылтырап ҡына тора. «Эйе, сибә-әр, һөймәҫлек түгел… Йөрәгең буш булһа…» Беренсе көндө күңелендә ҡуҙғалған һағышлы хистәренә баш була алмайынса, ҡайтып киткәйне Ҡәҙим, шунлыҡтан ҡыҙҙарҙы икенсе көн генә оҙата китте. – Һин мулламы? – тип тура һораны ҡыҙ егет менән аулаҡта ҡалғас. –Юҡ, мулла түгел, бары мосолман ғына, - Ҡәҙимгә йәш ҡыҙҙың был һорауы ҡыҙыҡ булып тойолһа ла, һағайып ҡуйҙы. - Һине был борсоймо? –Юҡ. Шулай ҙа ҡыҙыҡ бит, әбей-бабайҙар генә дин тоталыр, тиһәм әле. – Күп илдәрҙә һинең кеүек йәш кенә ҡыҙҙар ҙа диндә. – Уҡынып тик ултыралар микән? – ҡыҙҙың күҙҙәренән шаян нурҙар түгелә, үҙе бына-бына пырхылдап көлөп ебәрергә тора. Егеттең дә ирекһеҙҙән ауыҙы йырыла: – Нишләп? Улар беҙҙең кеүек эшләй, йәшәй… кейәүгә сыға. – Ә мосолмандар… - ҡыҙ үҙ хәбәренән үҙе көлә, - нишләй микән… һи-һи-һи-һи… үбешә микән… һи-һи-һи… Ҡаршыһында, ағас төпһәһенә баҫып, бөгөлә-һығыла шырҡылдап көлгән ҡыҙға ҡарата Ҡәҙимдең йөрәгендә ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ, дәрт, наҙ уянды ла егет, урғылып килеп баҫҡан шул тойғолар шауҡымына бирелеп, нескә һынды, ҡапыл ынтылып, ҡармап ҡосаҡлап алды, һаман тыныслана алмай көлгән һылыуҙың сикәләренән, күҙҙәренән, ирендәренән үпте… Осрашыуҙарына ике ай тигәндә туй яһанылар. Шау-шыулы, телсән, үткен Рәйлә менән аҙ һүҙле, тыныс, йомоҡ Ҡәҙим бер ғаилә булып йәшәй башланы. Йыш ҡына йәш кәләшенең туҡтауһыҙ хәбәр һөйләүенән, урынһыҙыраҡ шаярыуҙарынан ирҙең башы ҡаңғырып киткән һымаҡ булһа ла, ул ҡатынына өйрәнергә, уны үҙенең яртыһы итеп ҡабул итергә тырышты. Әммә кемдеңдер тырышыуынан ғына икенсе берәүҙең булмышы үҙгәрһә йәки йәшәйеш икенсе боролош алһа, донъяларҙа әллә нимәләр булып бөтөр ине, моғайын. Шуның кеүек Ҡәҙимдең дә кәләшен баштан үҙ яйына өйрәтергә тырышыуы бушҡа булды. Әле тәүге балалары ла донъяға килмәҫ борон улар араһында йыш ҡына низағтар сыға ине. Үҙе геүләп талашып йә булмаһа шаулап тауыш күтәреп өйрәнмәгән һәм ысынында йүнләп ирешә лә белмәгән ир, әлбиттә, ғауға сығарырға уйламай ҙа. Ул бары ҡатынына нимәнелер улай эшләргә ярамағанлығын әйтә һәм, күп осраҡта, тупаҫ һүҙҙән ауыҙы ябылып ҡала. Йә булмаһа, кәләшенең юҡтан ғына үсегеп, бәләкәс балалар ише яртышар көн түшәктә аунап ятыуына, ашамауына, улай ҙа булмаһа, туғандарына китеп, йоҡларға ҡайтмауына эстән һыҙып, үҙен ғәйепләп йөрөй. Шул ваҡыттарҙа Ҡәҙим үҙ-үҙенә башҡа бер ваҡытта ла ҡатынына бер ни ҙә өйрәтмәҫкә, уның эшенә ҡыҫылмаҫҡа һүҙ бирә лә, йөрөй-йөрөй, тағы берәй нәмә өндәшеп ҡуя. «Әллә ысынлап та ҡатыны әйтмешләй мыжыҡ, ваҡсыл микән үҙе лә?..» Тик нисек итеп барыһына ла күҙ йомоп өйрәнергә һуң? Бына, мәҫәлән, кәләшенең ашлы һыуҙы тупһанан сығарып һирпеүен ул тәүге күргәндә телһеҙ ҡалып торҙо хатта. Нисек инде? Башта яңылыш эшләүелер, тип уйланы, тик был хәл көн дә, көн дә ҡабатланғас: «Ни эшләүең ул?» - тип һораны. «Ҡый-һайын тауыҡтар сүпләй ҙә инде, һыуы ни, ергә һеңә», - тине кәләше иҫе китмәй генә. Ахырҙа ир: «Түкмә бында, торһон, ҡайтҡас, үҙем ситкә алып барырмын», - тиһә лә, эштән ҡайтҡан һайын, тупһа төбөнөң дымлылығын аңғарҙы һәм, оҙаҡ та көттөрмәй, шул урындан тирә-йүнгә насар еҫ таралды. Ахырҙа, ир кеше бер көн ҡатынын ҡаршыһына ултыртып алып, аҙыҡ ҡалдыҡтары ҡайҙа ҡуйылырға, ашлы, йыуынты һыуҙар ниндәй урындарға түгелергә тейешлектәрен аңлатырға булды, әйткәндәрен дини нәсихәттәр менән дә дәлилләне. Тик «дәрес» йәш кәләшкә оҡшаманы. Ул: «Бисәләр эшен беләһең инде, мыжыҡ», - тип ҡыҙҙы ла китте. Унан ҡала ҡатынының сәйҙән һуң ҡашығаяҡтарын шунда уҡ йыуып ҡуймауы, уларының көн оҙоно ҡаҡашып, аҙыҡтарының ябылмай ултырыуы, мейес-ҡаҙан тирәләренең ҡарайып китеүе, йәғни түрбаш яҡта тәртип булмауы, йоҡлаған түшәктәренең төшкәсә йыйылмауы Ҡәҙимдең күңелен ҡырҙы. Хатта иртәнге һауындан һуң һөттөң дә оҙаҡлатмай ғына айыртылырға, айыртылғанынан ниндәйҙер икенсе һөт аҙыҡтары йүнәтелергә тейешлеген ул да яҡшы белә. Әммә ҡатыны һыйырҙарын ҡыуғас йоҡлап алып, телевизорға әүрәй-әүрәй, ваҡ-төйәк менән булып, ҡояш төшлөккә күтәрелеүгә генә, ул һөттө иҫенә төшөрөүе һөҙөмтәһендә, әскелт тәмдәге йәки көйгән һөт еҫе килгән ҡаймаҡ-май ашайҙар. Шулай ҙа аш-һыу тәңгәленә күҙ йоморға тырыша ул. «Ярай, унан ғына үлмәм», - тип уйлай. Тик бына үҙенең һәр саҡ тәртиптә йөрөткән һәм һаҡлаған кейем-һалымының, унан да бигерәк, дини кәрәк-яраҡтарының, китаптарының, намаҙлығының ҡәҙерләнмәүе зитына тейә. Тәүҙә иренең дини булыуы менән ҡыҙыҡһынғандай, хатта ниндәйҙер хөрмәте лә булғандай тойолған ҡатын, намаҙға баҫыу түгел, яулыҡ ябыныуҙан ҡырҡа баш тартһа, тора-бара парлап ҡунаҡтарға, туйҙарға бара алмауына үпкәһен белдерҙе, мосолман хәләл ефетенә ҡағылышлы бөтөн ҡағиҙәләрҙе кире ҡаҡты. Бөтөнләй икенсе уй-хыялдар менән донъя ҡорған ир, иң яҡын кешеһе тарафынан килгән был тиклем ҡаты ҡаршылыҡтан баҙап ҡалды. Уйлап-уйлап та, әҙәм аҡылы менән төшөнә алмағас, дини әсбаптарынан, ҡөрьәндән яуап эҙләне. Һынау… Һынау, тиелгән ине Аллаһы ҡоло булған мосолмандың фани донъялыҡтағы бар ҡаршылыҡтары ла. Тимәк, йәшәй-йәшәй һәр хәрәкәте, һәр ҡылығы ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған, хәбәрҙәре һәм ҡыланыштары кәмһетеүгә һәм низағҡа ғына ҡоролған ҡатыны уға Аллаһы Тәғәлә тарафынан һынау итеп бирелгән. Һынау итеп… Һынау итеп. Был осраҡта ике юл бар, тиелгән Аллаһ китабында: мосолман үҙенә буйһонмаған һәм дини тәғлимәттәрҙе ҡабул итмәгән ҡатынды айырып ебәрә ала һәм икенсе юл – ул ҡатынын сабырлыҡ, изгелек аша тәрбиәләй. Беренсе юл хаҡында һүҙ ҙә булырға мөмкин түгел. Сөнки Ҡәҙим, йәшәйешен йәмләп, бер-бер артлы донъяға килгән һәм яландай өйҙө бер итеп йүгерешеп йөрөгән балаларын үлеп ярата, һәм сабыйҙарына булған сикһеҙ һөйөүе, һауа өрөлгән тауыҡтай йылдан-йыл шөкәтһеҙ һимергән ҡатынын да дөйөм ҡәҙерле, ғәзиз булған шул бербөтөнлөк эсенә индерә. Аҙағы бар. ––––––––––––––––––– Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр иғлан иткән ине. Бөгөн уларҙың һөҙөмтәләрен иғлан иттеләр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә үткәргән Башҡорт теле көнөнә арналған интернет-конкурстарҙа бөтәһе 100-ҙән ашыу эш ҡаралған, ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберә булып сыҡҡан. «Әсәм теле — сәсән теле» конкурсында 60-тан ашыу эште ҡараныҡ. Был бәйгелә балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Кокурстың талаптарына ярашлы, ойоштороусылар 18 йәштән өлкән ҡатнашыусыларҙың яҙмаларын ғына баһаланы. Конкурс 2 номинацияла— башҡорт теле туған тел булараҡ һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында ҡаралды. Туған тел булараҡ номинацияла еңеүсе итеп Салауат районынан Вәлиева Светлана, дәүләт теленән Өфө ҡалаһы 52-се лицейҙан Гейт Маргарита билдәләнде. Светлана Вәлиева Ф.Туғыҙбаеваның «Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто... » шиғырын, Гейт Маргарита К.Кинйәбулатованың «Туған телем» шиғырын һайлаған. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе Р. Ғарипов, З. Биишева, М. Ғафури, К. Кинйәбулатова, З. Ханнанова шиғырҙарын һөйләне. «Тырыш!» йүнселдәр өсөн конкурста ҡатнашырға шәхси эшҡыуарҙар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар, үҙ мәшғүлдәр (шул иҫәптән һөнәрселәр) саҡырылғайны. Был номинацияға 9 эш килде. Еңеүсе итеп Балтас районынан Садыҡов Рәфис билдәләнде. Ул мебель эшләү менән шөғөлләнә. https://vk.com/feed?q=%23ШиғриТел&section=search&z=video361196299_456239034%2F693801897c2c890548%2Fpl_post_361196299_356 https://vk.com/feed?c%5Bq%5D=%23%F8%E8%26%231171%3B%F0%E8%F2%E5%EB2&section=search&w=wall154376934_3709 https://vk.com/feed?q=%23Тырыш&section=search&w=wall-191231766_915 «Матур донъя» видеояҙмалар конкурсы йәштәрҙә тарихҡа, мәҙәниәткә, тыуған яҡ тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелде. Был номинацияға 21 яҙма килде. Тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт! Иң яҡшыһы тип Иглин районынан Алһыу Кәримованың яҙмаһы табылды. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм Башҡорт теле көнө менән тәбрикләйбеҙ! Туған тел артабан да тоғро юлдашығыҙ булып ҡалһын, ә уны белеү тормош ҡаҙаныштарығыҙҙың бер сәбәпсеһе булһын! https://vk.com/alsu26121991?w=wall97494625_6592 Беҙҙең конкурсҡа ижади эштәрен юллаған барлыҡ дуҫтарыбыҙға рәхмәт! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эштәрҙең күптәре конкурстарҙың алдан билдәле булған шарттарына тап килмәгәндә, еңеүсене билдәләгәндә ҡатнашманы. Шулай ҙа ижади эштәрегеҙҙе беҙгә юллағанығыҙ маҡтауға ғына лайыҡ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! Байрам менән! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең тыуған көнө алдынан Себер тайгаһында ял итте. Кремль сайтында дәүләт башлығының тәбиғәттә йөрөгән видеоһы баҫылған. Президент оборона министры Сергей Шойгу менән Себер урманында йөрөй. Кадрҙа ялға туҡтаған ваҡытта Шойгуның урман еләген соҡоп алғаны күренә. «Мәскәү өлкәһендәге баҡсаңа ултыртырһың », — тип йылмайып кәңәш бирҙе президент. Быға яуап итеп Шойгу үҫемлектең Мәскәү өлкәһендә үҫеп китеренә шикләнеүен белдерҙе: «Мәскәүҙә һауаны, һыуҙы шундай итергә кәрәк». «Һәр хәлдә, шуға ынтылырға кәрәк», — тине дәүләт башлығы, етди тонға күсеп. Тағы бер тапҡыр туҡтаған арала Путин менән Шойгу усаҡ янында ултырып ял итә. Дәүләт башлығы, уның һүҙҙәренсә, бейеклеге ике мең метрға яҡын булған тауҙың башына ла менеп етте. «Бынан Енисей матур күренә», — ти ул. «Болоттарҙан юғары. Болоттарҙан күпкә юғарыраҡ. Болоттарҙан юғарыраҡ мендек», — ти президент. Кисә, 7 октябрҙә, Владимир Путин тыуған көнөн билдәләне, уға 67 йәш тулды. #ВладимирПутин. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
...Ошо нигеҙгә атлап кергәндән бирле уларға бик мәрхәмәтле булды шул Рәзинәләре, ҡай саҡ кеше үҙ ҡыҙынан был ҡәҙәр изгелек күрмәҫ. Бына шуға ла үҙҙәре иҫән саҡта уны башлы-күҙле итәһеләре килә ине. Дөрөҫ, йортто, улдары сығып китеүгә үк тиәрлек, килендәре һәм ейәндәре исеменә васыят итеп, документлаштырып ҡуйҙылар. Мохтажлыҡ күрмәй йәшәрлек булһын тип, һуңғы йылдарҙа йорт-ерҙе бик нығыттылар, ҡаранылар. Тик был дәүләттәр генә яңғыҙлыҡты алыштыра алмай инде шул... Сараһыҙҙар (Хикәйә) – Йә, нисек, ул-был һиҙелмәйме? Һәйбәтләп ҡараныңмы? – Ғүмерен бергә үткәргән ҡартын яңы ғына разведканан ҡайтҡан һалдаттай ҡаршы алды Фәхирә. Тик Ғарифы телгә килгәнсе үк инде яуапптың ниндәй булырын тәғәйен белгән ине. Күңелендәге бар кисереше ҡартының йөҙөнә яҙылған ине шул. Алай ҙа, уның яуабын ишетмәйсә, ҡабат һорауҙар бирмәҫкә булды. – Юҡ шул. Бер ни һиҙелмәй. Улар күрмәһен тип, аҙбар тәҙрәһенән үрелә-үрелә күпме ғүмер ҡарап торҙом – килендең керпек бөртөгө лә һелкенмәй. Ә бына Дамирҙың өмөтө юҡ түгел буғай. Бер нисә тапҡыр күҙҙәрен тултырып-тултырып ҡарап алғандай булды. – Бына быныһы – шәп яңылыҡ бит, атаһы. Нисә айҙар тырышыуыбыҙ юҡҡа булманы, тимәк. Былай булһа, бер сәйләп алайыҡ та, мин Хәҙисә әхирәткә кереп сығам. Уның да ҡылдарын тартып ҡарайым әле. Улының яңғыҙ ҡартайыуына ул да бик борсола лабаһа. Бәлки, риза булыр. Ҡарты алып кергән яҡшы хәбәрҙән нисектер елкенеп киткән Фәхирә, йәштәрсә еңеллек менән өҫтәл әҙерләне. Шул арала мунсаларын сайдинг менән тышлаусы Дамирҙы һәм уға булышып йөрөүсе килендәре Рәзинәне сәйгә саҡырҙы. Дамир күрше егете ине. Улдары Ренат өйҙән сығып киткәндән бирле хужалыҡтағы бөтә ир-ат эшен шул тартып бара. Ғариф үҙе шаҡтай ҡартайҙы шул. Әле улай уҡ түгел ине. Берҙән-бер улдары хәсрәтенән икеһе лә бөтөп ҡалдылар. Йығылып үлмәгәндәренә рәхмәт, һис уйламағанда улдарының еләк кеүек ҡатынын, инде буй етеп килгән ике ҡыҙын ташлап, өс балалы йәш ҡатынға китеп барыуы аяҙ көндө йәшен һуғыуға тиң булды шул. Ҡырын хәбәре ишетелмәгән көйө бит... Иҫерек булһа, ялҡау булһа, әҙәм аҡтығы булһа, бер хәл. Егерме йыл йәшәп, килендәре менән һүҙгә килешкәндәре лә булманы бит. Эшен дә эшләне, ғаиләһен дә ҡайғыртты... Ата-әсәһенә бик иғтибарлы булды. Ҡырҡ йәшкә етеп, тел осона алып иҫкә төшөрөрҙәй бер борсолоу килтермәгән бала нисек шулай эшләй алды – был ҡәҙәрен ни Ғариф, ни Фәхирә аңлай алмай ине. Ул меҫкен Рәзинә, ҡыҙҙары ниҙәр уйлағандыр, ниҙәр кисергәндер? Ололарға бер ни һиҙҙермәнеләр ҙә. Бер ни булмағандай йәшәргә тырыштылар. Тик барыһы ла күңелдән генә Ренаттың ҡайтыуын көтә, ышана ине. – Шул ҡатынға китһәң, башҡа күҙемә күренәһе булма, һин минең улым түгел, – тигән Ғариф та, ҡасан ҡайтып инһә лә, улын ҡабул итергә, ғәфү итергә әҙер булһа ла, юҡ, ҡайтманы Ренаттары. Ҡайтыу түгел, телефондан да бер-береһенең хәлен белмәне. Юҡһа ер ситендә түгел, йәнәшәләге ауылға ғына барып урынлашты. Бына шул хәстәрле көндән бирле, биш йыл инде, мәрхәмәтле Дамир уларға Ренатты алыштырҙы. Кескәйҙән дуҫ ине улар. Араларында ике йәш айырма булһа ла, бала саҡтан гел бергә булдылар. Шуға күрә был ғаиләгә ярҙам итеүҙе шулай тейеш тип һанай ине егет. Әйткәнде лә көтмәҫтән, үҙе килеп керә. Эсмәй, тартмай, ваҡ-төйәккә аҡса ла алып тормай. Ҡыҫҡаһы, уның кеүек оҫтаның күршелә генә булыуы ҡарттар бәхетенә инде. Артыҡ тыныс, йомшаҡ холоҡло булһа ла, ҡулы эшкә ятып тора шул егеттең. Нимәгә генә тотонһа, шуны ялт иттерә. Тик бына ниңәлер өйләнмәне генә. Эсеп, урамда аунап ятҡан ҡорҙаштары ла, ике ҡулына бер эш белмәгән булдыҡһыҙҙар ҙа әллә ҡасан башлы-күҙле булып, бына тигән балалар үҫтереп ята. Ҡыйыуһыҙлығы артыҡ йомшаҡлығы бәләһелер инде. Ҡыйыулыҡ – ярты бәхет, тип тиккә генә әйтмәйҙәрҙер шул. Баштараҡ Дамирға ярҙамға гел үҙе сыҡҡан Ғариф, ҡарсығы менән план ҡорғандан бирле, йәғни ярты йыллап гел сәбәп табып, ҡул алмашҡа киленен сығара торған булды. Дөрөҫ, эште Дамир үҙе белеп эшләй, уға шул тотоп торорға, ваҡ-төйәкте алып бирергә генә кеше кәрәк. Ҡарт менән ҡарсыҡ Дамир менән Рәзинәгә эште табып ҡына торҙо. Бергә эшләй-эшләй яҡынайып китмәҫтәрме, тип көттө. Еләк кеүек ваҡытында яңғыҙы һулый бит тип, ысынлап та йәлләй ине улар килендәрен. Эҙләп-эҙләп ҡаранылар ҙа, уға Дамирҙан да ҡулай кеше юҡ тип уйланылар. Инде биш йыл көттөләр, атай менән әсәнең өмөттәре өҙөлдө. Килендең дә күңелен һүрелдерергә кәрәк тигән фекергә килделәр. Ошо нигеҙгә атлап кергәндән бирле уларға бик мәрхәмәтле булды шул Рәзинәләре, ҡай саҡ кеше үҙ ҡыҙынан был ҡәҙәр изгелек күрмәҫ. Бына шуға ла үҙҙәре иҫән саҡта уны башлы-күҙле итәһеләре килә ине. Дөрөҫ, йортто, улдары сығып китеүгә үк тиәрлек, килендәре һәм ейәндәре исеменә васыят итеп, документлаштырып ҡуйҙылар. Мохтажлыҡ күрмәй йәшәрлек булһын тип, һуңғы йылдарҙа йорт-ерҙе бик нығыттылар, ҡаранылар. Тик был дәүләттәр генә яңғыҙлыҡты алыштыра алмай инде шул... Быға ҡәҙәр әле ни Дамирҙа, ни Рәзинәлә өмөт сатҡыһы күренмәй ине, ниһайәт, бөгөн Ғариф Дамирҙа үҙгәреш һиҙеп инде ана. Шуға күңеле осоноп китте Фәхирәнең, үткен күҙле иренең яңылышмаҫына ышана ине ул. Йәштәр ашап-эсеп сығып киткәс, ул Хәҙисәләргә юл тотто. Ситләтеп торманы, тура әйтте: – Үҙебеҙ иҫән саҡта киленде ышаныслы ҡулдарға тапшыраһы килә. Дамирҙан да ҡулай кеше тапманыҡ. Ҡартлыҡ көнөңдә һин дә килен хеҙмәте күрерһең. Уның ниндәй икәнен һөйләп тораһы юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уны үҙебеҙҙән йыраҡҡа ебәрәһе лә килмәй… Һин ни тиәрһең? – Күршеһенең тикмәгә генә шундай һүҙҙәр һөйләмәҫен белгән Хәҙисә, ҡабырғаһы менән ҡуйылған һорауға шулай уҡ күңелендәгеһен әйтеп ҡалырға ашыҡты: – Рәзинә кеүек килен тураһында күптән хыялланам да, әхирәт. Тик ул һеҙҙе ташлап китерме икән, белмәйем. Һәр һүҙендә һаман да Ренат та Ренат тиҙәр бит… Дамирға риза булыр микән тим. – Һин Дамирың менән һөйләш, беҙ киленде нисек тә… (күңеленә «һеңдерергә» тигән һүҙ килһә лә, Рәзинә турында был һүҙ бик ҡаты була тип уйлап), ризалатырға тырышырбыҙ, -- тип өҫтәне Фәхирә. -- Балалар өсөн ҡайғырма, улар ике арала йөрөр. Ике йортто бер итеп йәшәрбеҙ, Аллаһы бойорһа. Хәҙисәгә еңел генә вәғәҙә бирһә лә, нисә көндәр Рәзинәгә был хаҡта һүҙ башларға белмәй ыҙаланды ҡарт менән ҡарсыҡ. Ғариф, үҙем тәүәкәлләп әйтәм, тиһә лә, Фәхирә уны туҡтатты. «Йә эште боҙоп ҡуйырһың. Мин уның менән әсә кеше булараҡ һөйләшермен». Был һөйләшеү бик ауыр булды. Ҡәйнә менән килен, ҡыҙ менән әсә кеүек, ҡосаҡлаштылар ҙа, илаштылар ҙа – биш йыл буйы йөрәктәрен әрнетеп торған хәсрәт быуаһын тамам үҙ иркенә ебәрҙеләр. Ике йөрәктән бер юлы ҡайнап сыҡҡан был ут, был ялҡын шул ҡәҙәр ҡайнар ине, биш йыл буйы эстә ни хәлдәр һаҡланған да, эйәләрен ни хәлдәр яндырып үлтермәгән тиәрлек ине. Уртаҡ һүҙҙәр ҙә, уртаҡ хистәр күп һөйләнһә лә, тик Рәзинә аҙаҡтан: «Мин әле һаман да Ренаттың ҡайтаһына ышанам», – тип, һуңғы нөктәне ҡуйҙы. Әмма тамсы тама-тама ташты тишә, тиеүселәр хаҡлы булды, бер яҡтан Фәхирә менән Ғариф, икенсе яҡтан Хәҙисә менән Дамир һүҙ ҡата торғас, ниһайәт, ул никахҡа ризалашты. Кем белә, бәлки өмөтө лә өҙөлгәндер. Сабырлыҡтың да сиге була лаһа. … – Рәхмәт, ғәзиз бер Аллам! Теләктәремде ҡабул ҡылдың. Һис юғы киленебеҙ алдында йөҙөбөҙ ағарҙы. Уны бәхетһеҙ иткән бәндәңде лә беҙ үҫтерһәк, уны бәхетле итәрҙәйен дә эҙләп таптыҡ… Бәхеттәре ғүмерлек булһын берүк… – Дамир менән Рәзинә никах бүләге итеп биргән намаҙлыҡ өҫтөндә уҡыған беренсе намаҙынан һуң ана шулай тип доға ҡылды Фәхирә. Һәм ҡалтыранған ҡулдары менән йөҙөн һыпырғанда: «Беҙҙе лә онотмаһындар ине», – тип өҫтәне… Гөлсинә Хәбибуллина. (Һүрәт асыҡ сығанаҡтан, текст “Башҡортса хикәйәләр” төркөмөнән алынды). Автор: Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Район хакимиәтенең йыйылыштар залында санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышы үтте. Унда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) сирҙәрен иҫкәртеү һәм яңы сыҡҡан коронавирус инфекцияһының Бөрйән районы биләмәһенә инеүенә һәм таралыуына ҡаршы йүнәлтелгән саралар хаҡында мәсьәләләр күтәрелде. Район хакимиәтенең йыйылыштар залында санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышы үтте. Унда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) сирҙәрен иҫкәртеү һәм яңы сыҡҡан коронавирус инфекцияһының Бөрйән районы биләмәһенә инеүенә һәм таралыуына ҡаршы йүнәлтелгән саралар хаҡында мәсьәләләр күтәрелде. Беренсе мәсьәлә буйынса район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия рәйесе Р.Шәрипов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы И.Фәтҡуллин, район үҙәк дауаханаһының табип-педиатры З. Исмәғилевалар сығыш яһаны. Илмир Фәнил улы белдереүенсә, 2020 йылдың 27 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Февраль башында ғына 36567 сирле теркәлгән, шуларҙың 65,6% - балалар. Был сир бигерәк тә Өфө ҡалаһында, Октябрьский һәм Туймазы райондарында ҡотора. Бөрйән районында йыл башынан алып ОРВИ менән 257 кеше сирләгән. Районда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына ҡаршы саралар планы ғәмәлгә индерелә. Халыҡ араһында грипп, пневмания, киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүселәргә һәм балалар баҡсаларына, мәктәпкә уҡырға бармаған балалар буйынса көндәлек мониторинг алып барыла. Быға тиклем, положениеға ярашлы, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында киҫкен вирус инфекцияһы менән сирләүсе балалар һаны 25% тәшкил иткән осраҡта карантин иғлан ителә ине. Ултырышта комиссия ағзалары был сикте 20%-ҡа төшөрҙө. Аҫҡар, Байназар, Брәтәк, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр, Исламбай, Ҡолғана, Нәби һәм Яңы Мөсәт филиалдарының мәктәпкәсә төркөмдәрендә, Иҫке Собханғол урта мәктәбендә, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалында, Иҫке Собханғол ауылының 2-се һанлы мәктәп-балалар баҡсаһында грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса карантин иғлан ителде. Көн тәртибенең икенсе мәсьәләһе коронавирус инфекцияһы хаҡында булды. Дәүләт һаулыҡ һаҡлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ҡытай халыҡ республикаһында (КНР) 7 февралгә ҡарата коронавирус инфекцияһы (2019-nCoV) тыуҙырған 31211 ауырыу осрағы теркәлгән. Рәсәйҙә коронавирусты йоҡтороуҙың ике осрағы бар. Һүҙ Байкал аръяғы һәм Төмән өлкәһе тураһында бара. Башҡортостанда иһә был ҡурҡыныс ауырыуға бәйле эпидемиологик хәл даими күҙәтелә һәм санитар-карантин контролен көсәйтеүҙә махсус саралар күрелә. Мәҫәлән, Өфө аэропортында Ҡытайҙан осоп килгән граждандар айырыуса ныҡ тикшерелә. Бөгөнгө көнгә республикала коронавирус менән сирләүселәр юҡ. «Роспотребнадзор»ҙың Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары буйынса бүлеге грипп, коронавирус инфекцияһы һәм башҡа киҫкен респиратор вируслы инфекциялар ваҡытында гигиена талаптарын теүәл үтәргә саҡыра. Был ауырыуҙар барыһы ла һауа юлы менән тарала. Йүткергәндә, сөскөргәндә ауырыған кешенең шайығының микро тамсылары һауаға тарала, шунда вирустар була. Ҙурыраҡ тамсылар эргәләге предметтарға ултыра, бәләкәйҙәре һауала оҙаҡ таралып йөрөйҙәр. Шул уҡ ваҡытта вирустарҙың зарарлау һәләте бер нисә сәғәттән алып бер нисә көнгә тиклем һаҡлана. Профилактикалауҙың төп алымдары һау кешенең ауырыу кеше менән яҡындан аралашмауына йүнәлтелгән. Түбәндәге гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү вируслы инфекцияларҙың таралыу мөмкинлеген кәметә: 1. Йүткергәндә, сөскөргәндә бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡағыҙ салфеткалар тотоноғоҙ. 2. Битегеҙгә йыуылмаған ҡулдар менән теймәгеҙ. 3. Ҡулығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ. 4. Спиртлы салфеткалар менән ҡулланығыҙ. Нисек ауырымаҫҡа? 1. Йәмәғәт урындарында, транспортта ишек тотҡаларына тотонғандан һуң, аҡса, эш урынындағы техника менән булышҡандан һуң, ашар алдынан һәм ашарға бешерер алдынан һәр ваҡыт ҡулдарығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ. 2. Урамдан ҡайтҡас, ҡулды, битте һабын менән, танау буйҙарын тоҙло һыу менән йыуырға кәрәк. 3. Әгәр һыу һәм һабын юҡ икән, ҡулды таҙартыу өсөн спиртлы дезинфекциялай торған салфетка ҡулланырға була. 4. Йәмәғәт урындарында һәм транспортта бер тапҡыр ҡулланыла торған маскалар кейегеҙ. Масканы һәр 2-3 сәғәт һайын алыштырығыҙ. 5. Сәсте йыйып йөрөргә кәрәк. Кеше күп йыйылған урындарҙа, ялбыр сәстәр йыш биткә тейеп, зарарланыу ихтималлығын арттыра. 6.Ауырыу билдәләре булған кешеләр менән яҡындан аралашмағыҙ. 7. Бүлмәне йыш елләтеп торорға кәрәк. 8. Дөйөм таҫтамалдар менән ҡулланмағыҙ. Нисек ауырыуҙы башҡаларға йоҡтормаҫҡа? 1. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ, әммә кешеләр менән аралашырға мәжбүрһегеҙ икән, маска кейегеҙ һәм сәғәт һайын масканы алыштырып тороғоҙ. 2. Йүткергәндә, сөскөргәндә ауыҙығыҙҙы ябығыҙ. 3. Тик шәхси һауыт-һаба ҡулланығыҙ. 4. Өйҙә үҙегеҙҙең шәхси таҫтамалығыҙ һәм башҡа гигиена әйберҙәре булһын. 5. Көн һайын өйҙә дымлы йыйыштырыу үткәреп тороғоҙ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Һыу инеү миҙгеле етеү менән “Кисеүҙе белмәйенсә, һыуға төшмә” тигән әйтем актуалгә әйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын республикала тиҫтәләгән кеше һыу ҡорбаны була. 2017 йылда республикала 97 кеше һыуға батып һәләк булған. Шул иҫәптән 8 баланың ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлөүе икеләтә аяныс. Быйыл көндәр йылытыу менән инде 8 кеше һыу ҡорбаны булды. Һыу инеү миҙгеле етеү менән “Кисеүҙе белмәйенсә, һыуға төшмә” тигән әйтем актуалгә әйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын республикала тиҫтәләгән кеше һыу ҡорбаны була. 2017 йылда республикала 97 кеше һыуға батып һәләк булған. Шул иҫәптән 8 баланың ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлөүе икеләтә аяныс. Быйыл көндәр йылытыу менән инде 8 кеше һыу ҡорбаны булды. Төрлө һыу ятҡылыҡтары (йылғалар, диңгеҙ ярҙары, быуалар, күлдәр) кеше өсөн һәр саҡ хәүеф сығанағы булып ҡала. Хатта бик яҡшы йөҙә белгән кешеләр өсөн дә хәүефле. Айырыуса эҫе көндәрҙә кеше осраған бер һыу ятҡылығына, хатта төҙөлөш котлованындағы, траншеяларҙағы йәки карьерҙарҙағы һыуға ла, сумырға әҙер. Бәхетһеҙ осраҡтар буйынса яһалған анализ күрһәтеүенсә, балалар үлеменең төп сәбәптәренең береһе – өлкәндәр яғынан тейешле контроль булмауы. Бында өлкәндәрҙең төп бурысы – балаларға инструкция биреү йәки уларҙың аңына барып етергә тырышыу түгел, ә ябай ғына контроллек итеү. Барыбыҙ ҙа аңлап тора – кескәй балаларҙың яңғыҙҙарын ғына ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Кешенең һыуҙа һәләк булыуының сәбәптәре төрлөсә булырға мөмкин: йөҙә белмәү, һыуҙа үҙен тотоу ҡағиҙәләрен үтәмәү, алкоголь ҡулланған килеш һыуға төшөү, ҡурҡыу һ.б. Ҡото осоп ҡурҡҡан кеше хәлде дөрөҫ кенә баһалай алмай, мәғәнәһеҙ хәрәкәттәр яһай башлай һәм тиҙ хәлһеҙләнеп, бата. Һеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе, хатта ғүмерегеҙҙе ҡотҡарыуы ихтимал булған ҡайһы бер ҡағиҙәләр бар. Пляждарҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре: - ярҙан артыҡ алыҫ йөҙөп китергә ярамай; - шулай уҡ тын тултырылған матрастарҙа, тәгәрмәс камераларында һәм йөҙөү өсөн ҡулайлаштырылған башҡа предметтарҙа ярҙан йыраҡҡа китергә ярамай, уларҙың теләһә ҡайһы минутта сафтан сығыуы ихтимал; - ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә һыу инеүсе балаларҙы йөҙә белеүсе өлкәндәрһеҙ һыу инергә төшөрмәҫкә; - йөҙә белмәгәндәргә таныш, тикшерелгән пляждарҙа ғына һыу инергә йәки йөҙә белгән кешеләр янында ғына һыу инергә тәҡдим ителә; - ауырыған хәлдә йәки ҡояшта ныҡ ҡыҙынғандан, йәки һыуҙа ныҡ өшөгәндән һуң һыу инергә ярамай; - иҫерек хәлдә һыу инеү ҡәтғи тыйыла; - санитар торошо арҡаһында һыу инеү тыйылған урындарҙа һыу инергә ярамай; - вышканан (ярҙан, тарзанканан, тулҡын ярғыстан һ.б.) бары тик яҡшы таныш һәм тәрәнлеге етерлек кимәлдә булған урында ғына һикерергә мөмкин; - төндә һыу ингәндә бик һаҡ булыу шарт, яҡшы яҡтыртылған ерҙә һәм кеше булғанда ғына инергә мөмкин; - күп кешеләр һыу ингән урында кәмәлә, катерҙә, скутерҙа хәрәкәт итеү тыйыла, был кешене ҡотҡарыу өсөн кәрәк икән, тиҙлекте әкренәйтеү шарт. Граждандар пляждарҙа һәм башҡа күмәк ял урындарында таҙалыҡты, тәртипте һәм башҡа этик нормаларҙы һаҡларға тейеш. Пляждарҙа һәм күмәк ял урындарында тыйыла: - иҫкәртеүсе һәм тыйыусы билдәләр булған аншлагтар ҡуйылған урындарҙа һыу инеү; - һыу инеү сиген билдәләгән ерҙән ары китеү; - моторлы, паруслы кәмәләр һәм башҡа йөҙөү средстволары аҫтына йөҙөп инеү, уның өсөн ҡулайлаштырылмаған ҡоролмаларҙан һыуға һикереү; - һыу объекттарын һәм улар янындағы биләмәләрҙе бысыратыу һәм ҡыйлау; - һыу инергә йорт хайуандарын алып килеү; - алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр эсеү; - иҫерек килеш һыу инеү; - уның өсөн айырым билдәләнмәгән урында туп менән уйнау, һыу аҫтына сумып, һыу инеүселәрҙе эләктереп алыу, ялған тревога ауаздары һалыу кеүек ғәмәлдәр ҡылыу; - таҡталарҙа, бүрәнәлә, автомобиль камераларында йөҙөү; - кешеләр һыу ингән урында һыу мотоциклдарында йөрөү; - һыу инеү урындары тирәһендә автомашина, мотоцикл, велосипедтарҙы йыуыу, кер сайҡау; - аудиосистемаларҙы ял итеүселәрәгә ҡамасаулыҡ килтерерлек кимәлдә ҡысҡыртыу; - цензураһыҙ һүҙҙәр ҡулланыу, вульгар эстәлекле йырҙар тыңлау; - сүп-сар һәм башҡа ҡулланылыш ҡалдыҡтары яндырыу; - улар өсөн махсус билдәләнгән урындан башҡа ерҙә усаҡ ҡабыҙыу. Ошо үрҙә аталған ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, үҙегеҙҙең һәм дуҫтарығыҙҙың йылға янындағы ялы хәүефһеҙ булһын өсөн үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙ тигән һүҙ. Һеҙгә бәхетле һәм имен ялдар насип булһын! А. МАЛИКОВ, Урал аръяғы инспекторлыҡ участкаһының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекторы. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
1932 (бер мең туғыҙ йөҙ утыҙ икенсе) йыл — кәбисә йыл, григориан календары буйынса йома көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1932 йылы, 2 мең йыллыҡтың 932 йылы, XX быуаттың 32 йылы, XX быуаттың 4 ун йыллығының 2 йылы, 1930 йылдарҙың 3 йылы. Йөкмәткеһе 1 Ваҡиғалар 2 Тыуғандар 3 Вафат булғандар 4 Шулай уҡ ҡарағыҙ ВаҡиғаларҮҙгәртергә ТыуғандарҮҙгәртергә 12 февраль — Рәми Ғарипов, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992). 16 февраль — Рафаэль Сафин, башҡорт шағиры һәм драматургы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). 6 май — Сәйфуллин Таһир Сергеевич, дирижёр, Башҡортостандың халыҡ артисы (1995). 7 октябрь — Фәрит Богданов, драматург, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
Был донъяла беҙ белмәгән әллә нимәләр бар. Хатта беҙ һанға һуҡмаған хәлүәнең дә күп кенә файҙалы яҡтары бар, имеш. Баҡһаң, был шәрбәтле аҙыҡ шизофрениянан да йолоп алып ҡала икән. Көнбағыш орлоҡтарынан етештерелгән хәлүәлә микроэлементтар, аҡһым, май кислоталары тупланған. Айырыуса аҙаҡҡылары атеросклероз үҫешен тотҡарлай, ялҡынһыныуҙы баҫа, туҡымаларҙың туҡланыуын яҡшырта, Альцгеймер һәм шизофрения сирҙәрен иҫкәртеүҙә файҙалы. фото/яндекс Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
2020 йылдың 24 февраленән 27-һенә тиклем район территорияһында “Үҫмер — ғаилә” профилактик сараһы уҙа. Ул ғаиләләрҙең имен булмағанлығын иҫкәртеүгә, балиғ булмаған балаларҙы енәйәти ҡыйырһытыуҙан, ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә зыян килтереүҙән һаҡлауға йүнәлтелгән. Ағымдағы йылдың 24 февраленә ҡарата белешмәләрҙән район полиция бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса инспекцияһында енәйәт ҡылған һәм хоҡуҡ боҙған өсөн 26 үҫмер, шулай уҡ “Имен булмаған ата-әсә” категорияһына индерелгән 27 ғаилә иҫәпкә ҡуйылған. Ольга Зверс, балиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспектор. Фото из открытых источников. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Хәҙер иң күбе коронавирус тураһында һөйләйҙәр. Ул шулай уҡ ҡурҡынысмы? Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак һөйләй:“Коронавирус күптән билдәле булған вирустар төркөмөнә ҡарай, – ти Анна Казак. – Әле донъяла таралғаны – уның яңы төрө. Уны өйрәнәләр һәм, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ысынында иһә... Хәҙер иң күбе коронавирус тураһында һөйләйҙәр. Ул шулай уҡ ҡурҡынысмы? Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак һөйләй: “Коронавирус күптән билдәле булған вирустар төркөмөнә ҡарай, – ти Анна Казак. – Әле донъяла таралғаны – уның яңы төрө. Уны өйрәнәләр һәм, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ысынында иһә, ул бик үк ҡурҡыныс түгел. Ул өлкән йәштәгеләргә йоғоуы менән ҡурҡыныс. Уның артабан нисек үҫеше әле билдәле түгел. Шуның өсөн үҙҡамау талаптарын үтәү мотлаҡ. Үкенескә ҡаршы, бындай йоғошло сирҙәр һауа аша таралыуы менән хәүефле. Әлегә сирҙең ситтән индерелгән булыуы беҙҙе аҙмы-күпме тынысландыра. Бында үҙҡамау, гигиена талаптарын үтәү хәл иткес әһәмиәткә эйә. Ситтән килтерелгән сир, тип әйттек. Шуның өсөн кемдәр менән аралашҡаныңды, һөйләшкәнеңде һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға кәрәк. Әйтәйек, өйҙән сығыу-сыҡмау мәсьәләһен ҡарайыҡ. Был осраҡта мин иркенләп урамда йөрөргә кәңәш бирмәҫ инем. Сыҡҡан осраҡта ла кешеләр менән арағыҙ метр ярымдан кәм булмаҫҡа тейеш. Шуның өсөн карантин индерелде, аралашыу сикләнде, үҙҡамау талаптарын үтәү һәр беребеҙҙең ҡулынан килә. Был мәсьәлә битлектәргә лә ҡағыла. Сирләгәндәр битлекһеҙ кешеләр араһына сығырға тейеш түгел. Битлек кейеүселәр күп, ләкин улар битлекте дөрөҫ файҙаланамы? Әлбиттә, урамдан кергәс, ғәҙәттәге һабынды файҙаланыу мәсьәләһенә ҡағылышлы һорау ҙа булыр. Сир менән бәйле ваҡиғалар көн һайын үҙгәреп тора. Әле беҙҙә ун кеше теркәлгән. Беҙҙең бурыс – һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡуйған талаптарҙы теүәл үтәү һәм бер нисә аҙна түҙеп, өйҙә ултырыу. Республикала сирҙең ҡасан иң юғары нөктәне үтеүен берәү ҙә аныҡ әйтә алмай. Әле барлыҡ эпидемиалогик процесс өйрәнелә. Ҡасан иң юғары нөктәнең үтерен берәү ҙә фаразлай алмай. Ғалимдар был вирустар төркөмө миҙгелле булыр, тип фаразлай. Беҙ ҙә шуға өмөт итәйек. Киҙеү осоро беҙҙә ғәҙәттә ғинуарҙан майға тиклем һуҙыла. Йәй баштарына тиклем яңы вирустан дауаланыуға иҫәп тотайыҡ”. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Быуат — ваҡыт үлсәме берәмеге, йөҙ йылдан тора. Хәҙерге ваҡыт иҫәбендә һәр быуат беренсе йылдан башлана, йөҙгә тигеҙ бүленгән йыл менән бөтә. Мәҫәлән, 20-се быуат 1901-се йылдың 1-се ғинуарында башланып, 2000-се йылдың 31-се декабрендә бөткән. Григориан календары буйынсаҮҙгәртергә Григориан календары буйынса I быуат 1 йылдың 1 ғинуарынан башлана һәм 100 йылдың 31 декабрендә бөтә. II быуат 101 йылда башлана, III быуат — 201 йылда башлана. Быуаттың һуңғы һаны быуат һанынын башлана (мәҫәлән, 1900 йыл —XIX быуаттың һуңғы йылы). XX быуат 1999 йылдың 31 декабрендә бөттө тип иҫәпләү дөрөҫ түгел, XX быуат 2000 йылдың 31 декабрендә бөтә. Бынан тыш, был системала «нуленсе быуат»ҡа урын юҡ. Б.э.т. I быуаттан, б.э. I быуаты башлана. Беренсе быуат 1-се йылда башланып 100-cө йылда бөткән. Ноль һанлы быуат булмаған. Беҙ 21-се быуатта йәшәйбеҙ, ул 2001-се йылда башланған. Григориан календарында йылдарҙы быуаттарға бүлеү 200 199 ... 102 101 100 99 ... 2 1 1 2 ... 99 100 101 102 ... 199 200 Б. э. т. II быуат. Б. э. т I быуат. Б. э. I быуат. Б. э. II быуат. Астрономик ваҡытҮҙгәртергә Астрономик быуат Б. э. 1 йылынан түгел, ә нуленсе йылынан башлана. Шулай итеп астронимик быуат 0-дән 99 йылдарҙан тора. ЯҙыуҮҙгәртергә Яҙғанда быуаттар рим йәки ғәрәп һандары менән билдәләнә. Был ваҡыт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.
Яҙ һуңлай, тиһәк тә ҡар тиҙ ирей һәм донъяны баҫып килә. Әлеге мәлдә, ер туң булыу сәбәпле, һыу бик һеңмәй, йырғанаҡтарҙан йылғаларға аға һәм һыу кимәле күтәрелгәндән-күтәрелә бара. Башҡортостанда ҡайһы бер кеше йәшәгән төбәктәрҙе һыу баҫыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһында боҙ бер нисә көнгә иртәрәк аға башланы. Ҙур йылғаларға яҡын йәшәгән өйҙәрҙә һуңлап булһа ла, өй йыһаздарын икенсе ҡатҡа йә түбәгә күтәрәләр. БЫЙЫЛ ҺЫУ МУЛ БУЛАСАҠ Яҙ һуңлай, тиһәк тә ҡар тиҙ ирей һәм донъяны баҫып килә. Әлеге мәлдә, ер туң булыу сәбәпле, һыу бик һеңмәй, йырғанаҡтарҙан йылғаларға аға һәм һыу кимәле күтәрелгәндән-күтәрелә бара. Башҡортостанда ҡайһы бер кеше йәшәгән төбәктәрҙе һыу баҫыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһында боҙ бер нисә көнгә иртәрәк аға башланы. Ҙур йылғаларға яҡын йәшәгән өйҙәрҙә һуңлап булһа ла, өй йыһаздарын икенсе ҡатҡа йә түбәгә күтәрәләр. Белгестәр билдәләүенсә, быйыл ҙур ғына ташыу көтөлә. Мәҫәлән, бөгөнгә Ағиҙел йылғаһы Өфө эргәһендә – 481 см (+65 см.), Өфө йылғаһы Шаҡша эргәһендә – 433 см (+35 см). Ҡағиҙә буйынса, иң тәүҙә Өфө эргәһендә Дим йылғаһы ташырға тейеш. Шунан һуң баш ҡаланы олпат ҡына итеп Өфө йылғаһы уратып алыр һәм улар көньяҡта Ағиҙелгә ҡушылып, бер ағым булып, төньяҡҡа йүнәлеш аласаҡ. Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ҡасан кейәүгә сығаһың?”, “Ниңә бала тапмайһың?”, “Вегетарианлыҡтың зыян икәнлеген белмәйһеңме әллә?”... Журналист, Блогер Анна Златковскаяның танышыңдан, яҡыныңдан йәки бөтөнләй сит кешенән ишетергә мөмкин булған тупһыҙ һорауҙар хаҡындағы яҙмаһы интернет киңлектәрендә инде күптән “йөрөй”. Үҙәгенә үткән был күренеште күп осраҡта үҙе аралашҡан белорусь халҡына хас милли һыҙат тип тә билдәләй автор. Бындай әрһеҙлек беҙҙең халыҡҡа әллә ни хас түгел түгеллеккә. Сөнки башҡорттар борон-борондан кинәйәләп һөйләргә ғәҙәтләнгән. Был хатта ҡанға һеңгән. Үҙебеҙ, киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрҙәре булараҡ, интервью алғанда ла ниндәйҙер мәсьәләләр хаҡында туранан-тура һорарға ҡыйынһынабыҙ. Быны әҙәпһеҙлек тип ҡабул итәбеҙ. Шулай ҙа, аҙым һайын уҡ булмаһа ла, юҡ-юҡта артыҡ ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтеү Беҙҙең даирәлә лә осрап ҡуя. Ҡайһы берҙә үҙебеҙҙең урынһыҙ һорау йәки ҡылыҡтарыбыҙҙан үҙебеҙгә лә уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерергә тура килгән саҡтар була.Улым һиңә әйтәм, киленем һин тыңла... Түбәндә Златковскаяның яҙмаһынан бер өлөш: “...Беҙҙең халыҡ өсөн хас һыҙат бар. Ул да булһа – тупһыҙлыҡ. Мин ғәҙәти ҡыҙ, ярай инде, утыҙ ике йәшлек ҡатын – ысын мәғәнәһендә сығырҙан сығарған күренеш хаҡында белдерәм, юҡ, белдереп кенә ҡалмайым, яр һалам. Ул да булһа – тупһыҙлыҡ... Ни өсөн һин шул тиклем ябыҡ? Тәүге миҫал шулайыраҡ. Һомғол буйлымын. Кәүҙә ауырлығым 42–45 тирәһе. Йәшермәйем, көслө ел иҫһә, сумкама тотоноп йөрөйөм. Оҙаҡ ваҡыт үҙем эшләгән учреждениела мине хатта лифт йөрөтмәне. Балалар атай-әсәйҙәренән тыш лифтта йөрөмәһен өсөн унда ауырлыҡ буйынса билдәле бер сик булдырылған. Бына шулай, арыу ғына йәшкә етһәм дә, мине лифт “әҙәмгә һанаманы”. Анорексия менән сирләмәйем. Тәбиғәтем шундай: нескәмен, тәмле-татлыны ашамайым, сөнки яратмайым. Кәүҙә ауырлығым үҙемде ҡәнәғәтләндерә былай. Әсәйем менән өләсәйем дә кәүҙәгә әллә ни ҡалын түгелдәр. Ҡыҫҡаһы, үҙемдә бер ниндәй ҙә тайпылыштар һиҙмәйем. Әммә тормош юлымда осраған ханымдар йыш ҡына, бигерәк сибекһең, тип билдәләй: “Ҡасан һимерәһең инде?”, “Былай ябыҡ булырға ярамай!”, “Һуң, ашай башла инде, былай барһа, тиҙҙән аяҡ һуҙасаҡһың бит!”... Ҡыҫҡаһы, нимә генә тиһәләр ҙә, был һүҙҙәрҙең барыһы ла минең ябыҡлығымды һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ә мин, күрәһең, улар алдында ни өсөн был саҡлы ябыҡ була алыуым өсөн аҡланырға тейеш. Әлбиттә, миндә лә ризаһыҙлыҡ тыуып ҡуя: кеше алдында ундай һорауҙар бирергә яраймы ни? Ғөмүмән, кәүҙә үҙенсәлеге, сәстең төҫө, тышҡы ҡиәфәт – былар барыһы ла үтә шәхси мәсьәлә һәм тирә-йүндәгеләрҙең унда эше булырға тейеш түгел, минеңсә. Быныһы – бер. Икенсенән, ни өсөн кешеләр башҡа берәүҙең теге йәки был үҙенсәлеге уларҙың күңеленә хуш килмәүен күрһәтергә тейеш әле?! Мин берәүгә лә: “Ни өсөн һин шул тиклем йыуанһың, ниңә күп ашайһың?” – тип белдермәйем дәһә... Ҡасан бала табаһың? Икенсе миҫал балалар мәсьәләһенә ҡағыла. Күптәр ошо һорауҙан ялҡып бөткәндер, тигән фекерҙәмен. Сөнки туғандар ҙа, коллегалар ҙа, хатта магазиндағы таныш кассир ҙа бирә уны. Тәүгеһен тапһаң, икенсеһе хаҡында һораясаҡтар. Был осраҡта ла һин йә аҡланырға, йә алдашырға, йә бөтөнләй ят кешегә дөрөҫөн әйтеп бирергә тейеш булаһың. Кемдер аңлы рәүештә бала табырға теләмәй, кемдер быға өлгәшә алмай. Был тәңгәлдә бәхетһеҙлеккә тарығандар ҙа юҡ түгел. Иң йәнде көйҙөргәне шул: әлеге һорауҙы, ғәҙәттә, тәбиғәттән һиҙеү тойғоһо көслө булған ҡатындар бирә. Әҙәм яҙмышы бит төрлөсә. Әйтәйек, яҡын әхирәттәремдең береһе 20 йәшендә бала тапты, әммә сабыйы үле тыуҙы. Ул кисергән ғазаптарын онотоп, йәнә әсәй булырға теләһен өсөн 11 йыл ваҡыт талап ителде. Бәхетһеҙлек ҡабатланып ҡуймаһын тип ҡурҡты. Илауҙан туҡтаманы. Ошо йылдар дауамында күңел ғазабы хаҡында белмәгәндәргә үҙенең йөрәген әрнеткән һорауға яуап биререгә тура килде уға. Баланың үлеме хаҡында һәр тыҡырыҡта һөйләмәйҙәр инде... Икенсе бер әхирәтем бына ике йыл ауырға ҡала алмай. Борсола, әммә башҡаларға һиҙҙереп бармай. Әлеге лә баяғы шул тупһыҙ комментарийҙар ғына ҡайһы берҙә сығырынан сығарып ҡуя үҙен. Шуға ла яңыраҡ, “ниңә бала тапмайһың” тигән һорауға, “килтереп сығарып булмай шул” тип яуаплаған. Һорау биргән кеше шунда уҡ уңайһыҙланып, уға йәлләүен белдерә башлаған. Ә ул иһә мохтаж түгел... Вегетарианлыҡтың зыян икәнлеген белмәйһеңме әллә? Ҡасандыр ҙур компания булып йыйылғайныҡ. Унда дуҫтар үҙҙәренең дуҫтарын алып килгәйне. Йәй, баҡса, шешлек, колбаса, помидор... Һәйбәт, ҡыҫҡаһы. Әммә бер егет, ит ашамайым, тип шешлектән баш тартҡас, ташландылар быға: “Аяҡ кейемең дә яһалма күндәнме?”, “Ҡайышың дамы?”, “Хайуандарҙы йәлләйһеңме?”, “Сирләп китермен тип ҡурҡмайһыңмы?”, “Организмға аҡһым етмәүе нимәгә килтереүен беләһеңме?”... Меҫкен егеттең йөҙөнә ҡарап, уның бындай һүҙҙәрҙе инде меңенсе тапҡыр ишетеүен аңлап була ине. Әкрен генә ҡыяр көйшәп, сабыр ғына һорауҙарҙың тамамланыуын көттө ул. Тормошҡа булған ҡарашың башҡаларҙыҡынан айырылып торһа, беҙҙең мөхиттә ни тиклем ауыр икән, тип уйлап ҡуйҙым шунда. Һин бер ниндәй ҙә аламалыҡ эшләмәйһең, әммә ни өсөндөр кешеләр алдында аҡланырға, яуап тоторға тейешһең. Ундай һорауҙарҙың ниндәй насарлығы бар һуң, тиер бәғзеләр. Яуабым шул: биш йәшкә саҡлымғы балаларға, ысынлап та, ҡыҙыҡ, улар өлкәндәр ярҙамында донъяны танып белергә теләй. Ә беҙгә килешмәй. Ҡыҙыҡ икән, ана, интернеттан уҡы, китапханаға барып кил, йәки был кешенең үҙен генә тап итеп белеш, кеше алдында һорау алыу ойошторма. Ниңә эсмәйһең? Тупһыҙ һорауҙарға бәйле йәнә бер миҫал: хеҙмәттәшем спиртлы эсемлектәр эсмәй башлағас, күп таныштары уның менән аралашыуҙан туҡтауҙары хаҡында белдерҙе. Дуҫтары менән сираттағы осрашыуҙарында был сәй генә эсергә теләүен белдергән, һәм шунан һуң башланған да инде: “Эй, иптәш, нимә булды һиңә, ниңә эсмәйһең? Дауаландыңмы әллә?”, “Йәки сирләп киттеңме?”, ”Эсмәгәс, һинең менән һөйләшеп буламы ни?”, “Берҙе генә эс инде!”... Ҡайҙа барһа ла ошондайыраҡ төртмә һүҙҙәр һағалап ҡына торған уны. Ә дуҫтары ла бит... эскесе түгел! Әммә берәй киҫкен сәбәп булмай тороп, кеше эсеүҙән туҡтамай тип уйлайҙар икән. Был осраҡта ла һин улар алдында аҡланырға, барыһын да энәһенән ебенә саҡлы аңлатып бирергә тейешһең. Юғиһә ниндәйҙер ҡурҡыныс сиргә тарығанһың тип уйлаясаҡтар. Ә хеҙмәттәшем ауырыу түгел, бары тик эскеһеҙ тормош менән йәшәп ҡарарға ниәтләгән. Сөнки уларҙың балаһы тыуған һәм ул айыҡ аҡыл менән йәшәргә, сабыйына өлгөлө, ышаныслы атай, хәләленә ныҡлы терәк булырға теләгән. Әммә, билдәләп үтеүемсә, беҙҙең йәмғиәттә башҡаларҙан айырылып торған кешене ҡабул итә белмәйҙәр. Уяу ғына йөрөргә кәрәк. Сөнки тормошҡа булған ҡарашың бүтәндәрҙекенә тап килмәй икән, сәбәбен мотлаҡ аңлатып биреү талап ителәсәк. Ҡасан кейәүгә сығаһың? Мәғәнәһеҙлектең иң һуңғы баҫҡысы булып нәҡ ошо һорау тора. Таныш сценарист әйтеүенсә – башҡа контроль дары тоҫҡау. Иң асыуға тейгәне шул: һорауҙы биргән кеше уның ни тиклем тупһыҙ икәнлеген белә һәм ҡыҙ балаға ниндәйҙер яуап табып, был уңайһыҙ хәлдән нисектер сығырға кәрәк буласағын аңлай. Үҙенә күрә бер садист уйыны инде ул – һорау бирергә лә ҡорбандың нисек этләнеүен күреп кинәнергә. Һәм әлеге уйын элек-электән йәшәп килә. Ошо һорауға яуап таба алмай бер булған әллә нисәмә ҡатындар быуыны үҫеп етте инде хәҙер. Ә инде был мәғәнәһеҙлекте туҡтатыуҙың берҙән-бер ысулы: “Унда һинең ни эшең бар?” – тип, һорауға һорау менән яуап ҡайтырыу ғына, ахыры. Яҙғы авитаминоз мәлендә йәки Изге Валентин көнөндә һүгенеп яуаплаһаң да ҡамасауламаҫ. Сәғүд Ғәрәбстанында урлашҡан өсөн ҡулды сапҡан кеүек, был осраҡта ла үҙеңә ҡағылмаған эшкә ҡыҫылыуҙы шундай ҡаты яуап менән генә туҡтатып була...” ...Эйе, әрһеҙләшеп, кешенең эс-бауырына үтеп инеү башҡортҡа хас түгел. Шулай ҙа шәхсән миңә үҙебеҙҙең мөхиттә лә ошондайыраҡ йөкмәткеле һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Ярай әле, беҙ уларҙы мөмкин тиклем тыныс ҡабул итергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. тик нисек кенә булмаһын, шәхсиәткә ҡағылыу, аралашҡанда артыҡ шәхси һорауҙар биреү берәүҙе лә биҙәмәй. Уйлап ҡараһаң, бер-береңде уңайһыҙ хәлгә ҡуйған күренештәр бының менән генә сикләнмәй бит. Златковская билдәләгәндәргә тағы ла әллә нисә пункт өҫтәргә була. Әйтәйек, кешенең өҫтөндәге кейемен тотоп ҡарау, буласаҡ балаһының енесе менән ҡыҙыҡһыныу, көнөнә нисә намаҙ уҡыуы хаҡында һорау... Ҡыҫҡаһы, үҙ-ара аралашыу еңел булһын, ауыр тойғолар ҡалдырмаһын. Тупһыҙ һорауҙар менән кешенең эске һыҙланыуҙарын белмәй, йомшаҡ күңеллеләрҙе рәнйетергә, депрессияға дусар итергә, ә тәрбиәле һәм мәҙәниәтлеләрҙе аптырашҡа ҡалдырырға ла мөмкин бит... Һеҙҙә ниндәйерәк уйҙар бар? shonkar.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мәхмүзә апай менән Миҙхәт ағай икеһе бер ауылда үҫтеләр. Ағай мәктәпте алдараҡ тамамланы һәм Нефть техникумына уҡырға инде. Ауылына аҙна һайын ҡайтып йөрөй. Ҡайтырлыҡ та шул, 8-се класта уҡыған Мәхмүзә көтә уны. Миҙхәт ағай техникумды тамамларға, эшкә урынлашырға, ике йыл армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтырға ла өлгөрҙө. Армиянан ҡайтыу менән, Өфөгә Нефть институтына уҡырға инде. Ятаҡтан бүлмә алды һәм өйләнде. Улар өйләнешкәндә Мәхмүзә апайҙың йәше бара ине инде. Икәүләшеп ятаҡта урынлашып, матур ғына донъя көтөп алып киттеләр. Тәүҙә ҡыҙҙары Альбина, аҙаҡ улдары Рәмис тыуҙы. Икеһе лә мәктәптә һәйбәт уҡыйҙар. Миҙхәттең ғаиләһе ҙурайғас, бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Альбина тыуғас, өс бүлмәле фатир тәҡдим иттеләр. Бик матур урында, ағастар араһында. Эргәлә генә йылға. Ауылда, пенсияға сыҡҡас, йәшәрбеҙ, тип өй төҙөй башлағайнылар. Миҙхәт бындай осраҡта оҙаҡлап тормай, бураһын да алып ҡайта. Ике йылда башын ябып, ултыртып та ҡуя. Ағайҙың үлеме барлыҡ таныштарын тетрәндерҙе. Ашҡаҙан ауырта, тип больницаға барғайны, эсәк йотторҙолар ҙа, һалып та ҡуйҙылар. Өҫтәүенә, дауаланыу осоро Яңы йыл көндәренә тура килде. Бындай көндәрҙә дауаханала тәртип юҡ, тип әйтерлек. Төндә хәле ҡапыл насарланған. Дежурҙа ултырған табип ҡайҙалыр юғалғанмы, эштә булмағанмы, Мәхмүзә асыҡлап йөрөмәне. Күбеһе – үҙенең таныштары. Электән эшләгәс, барыһы ла белә, баш табип үҙе килеп, ҡайғыһын уртаҡлашып ултырҙы. Аҙаҡ оҙатҡанда ла күренеп ҡалды, тинеләр. Мәхмүзә судлашып йөрөмәне. Йәшәргә урыны бар, хаҡлы ялға сыҡһа, ҡалалағы фатиры ла, ауылдағы өйө лә бына тигән. Тик һуңғы ваҡыт сирләштерә башланы. Йә башы шаулай, әлеге ҡан баҫымы күтәрелә. Ире Миҙхәт киләсәк тураһында хәстәрлек күрә ине. Донъялар үҙгәреп, фатирҙарҙы иркен һата башлағас, йәтеш кенә тура килеп, бер бүлмәлене алып ҡуйғайны. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Альбина Өфөгә эшкә китте, ә кеселәре, Рәмис, өйләнде, бик мутур итеп туй үткәрҙеләр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары үҙҙәре һымаҡ бик ипле һәм тыныс кешеләр. Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре күпселек осраҡта ыңғай хәл ителһә лә, ҡытыршылыҡтар булмай ҡалмай. Мәхмүзә апай тәүҙә улы менән бер фатирға һыйҙы әле. Сөнки улының ҡыҙы баш ҡалаға күсенеү менән, Мәхмүзә апай айырым бүлмәгә күсенде. Унда – үҙ донъяһы, дини китаптары, хатта намаҙ уҡырға өйрәнә башлағайны. Иң бәләкәй бүлмәне унынсы класҡа барыусы Ғүмәргә бирҙеләр. Дүрт кешегә өс бүлмәле фатир тамам ғына бит инде. Мәхмүзә апайҙың бүлмәһе ун ике квадрат метр булһа, ә Ғүмәр биләгән бүлмә ете генә квадрат икән. Ошонда ғүмер буйы йәшәгән Мәхмүзә апай был хаҡта белмәй ҙә ҡалыр ине, әгәр килене, Сәриә, метр тотоп, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, туңҡайып, майҙанды үлсәп сыҡмаһа. -1- -2- ҺӘР КЕМГӘ – ҮҘЕНЕКЕ Хикәйә Беренсе бүлек Мәхмүзә апай менән Миҙхәт ағай икеһе бер ауылда үҫтеләр. Ағай мәктәпте алдараҡ тамамланы һәм Нефть техникумына уҡырға инде. Ауылына аҙна һайын ҡайтып йөрөй. Ҡайтырлыҡ та шул, 8-се класта уҡыған Мәхмүзә көтә уны. Миҙхәт ағай техникумды тамамларға, эшкә урынлашырға, ике йыл армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтырға ла өлгөрҙө. Армиянан ҡайтыу менән, Өфөгә Нефть институтына уҡырға инде. Ятаҡтан бүлмә алды һәм өйләнде. Улар өйләнешкәндә Мәхмүзә апайҙың йәше бара ине инде. Икәүләшеп ятаҡта урынлашып, матур ғына донъя көтөп алып киттеләр. Тәүҙә ҡыҙҙары Альбина, аҙаҡ улдары Рәмис тыуҙы. Икеһе лә мәктәптә һәйбәт уҡыйҙар. Миҙхәттең ғаиләһе ҙурайғас, бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Альбина тыуғас, өс бүлмәле фатир тәҡдим иттеләр. Бик матур урында, ағастар араһында. Эргәлә генә йылға. Ауылда, пенсияға сыҡҡас, йәшәрбеҙ, тип өй төҙөй башлағайнылар. Миҙхәт бындай осраҡта оҙаҡлап тормай, бураһын да алып ҡайта. Ике йылда башын ябып, ултыртып та ҡуя. Ағайҙың үлеме барлыҡ таныштарын тетрәндерҙе. Ашҡаҙан ауырта, тип больницаға барғайны, эсәк йотторҙолар ҙа, һалып та ҡуйҙылар. Өҫтәүенә, дауаланыу осоро Яңы йыл көндәренә тура килде. Бындай көндәрҙә дауаханала тәртип юҡ, тип әйтерлек. Төндә хәле ҡапыл насарланған. Дежурҙа ултырған табип ҡайҙалыр юғалғанмы, эштә булмағанмы, Мәхмүзә асыҡлап йөрөмәне. Күбеһе – үҙенең таныштары. Электән эшләгәс, барыһы ла белә, баш табип үҙе килеп, ҡайғыһын уртаҡлашып ултырҙы. Аҙаҡ оҙатҡанда ла күренеп ҡалды, тинеләр. Мәхмүзә судлашып йөрөмәне. Йәшәргә урыны бар, хаҡлы ялға сыҡһа, ҡалалағы фатиры ла, ауылдағы өйө лә бына тигән. Тик һуңғы ваҡыт сирләштерә башланы. Йә башы шаулай, әлеге ҡан баҫымы күтәрелә. Ире Миҙхәт киләсәк тураһында хәстәрлек күрә ине. Донъялар үҙгәреп, фатирҙарҙы иркен һата башлағас, йәтеш кенә тура килеп, бер бүлмәлене алып ҡуйғайны. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Альбина Өфөгә эшкә китте, ә кеселәре, Рәмис, өйләнде, бик мутур итеп туй үткәрҙеләр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары үҙҙәре һымаҡ бик ипле һәм тыныс кешеләр. Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре күпселек осраҡта ыңғай хәл ителһә лә, ҡытыршылыҡтар булмай ҡалмай. Мәхмүзә апай тәүҙә улы менән бер фатирға һыйҙы әле. Сөнки улының ҡыҙы баш ҡалаға күсенеү менән, Мәхмүзә апай айырым бүлмәгә күсенде. Унда – үҙ донъяһы, дини китаптары, хатта намаҙ уҡырға өйрәнә башлағайны. Иң бәләкәй бүлмәне унынсы класҡа барыусы Ғүмәргә бирҙеләр. Дүрт кешегә өс бүлмәле фатир тамам ғына бит инде. Мәхмүзә апайҙың бүлмәһе ун ике квадрат метр булһа, ә Ғүмәр биләгән бүлмә ете генә квадрат икән. Ошонда ғүмер буйы йәшәгән Мәхмүзә апай был хаҡта белмәй ҙә ҡалыр ине, әгәр килене, Сәриә, метр тотоп, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, туңҡайып, майҙанды үлсәп сыҡмаһа. Ҡатыны был хаҡта иренә әйтеү, кәңәшләшеү түгел, ҡәйнәһенән һорап, ризалығын алып та торманы. Иртәрәк ҡайтҡан да, Ғүмәрҙең бер иптәшен саҡырған да, шатыр-шотор ҡәйнәһен – бәләкәй бүлмәгә, төпсөк кенәһен ҙур бүлмәгә күсереп тә ҡуйған. Был хаҡта Рәмис бәлки йылдар буйы белмәҫ ине, әсәһен киске ашҡа саҡырырға теләп, бүлмәһенә, йәғни әле Ғүмәр йәшәп ятҡан бүлмәгә, барып инмәһә. – Улым, бында ни эшләп ултыраһың? – тине атаһы, әсәһен күрмәгәс. – Өләсәйең ҡайҙа? Улы уңайһыҙланды, битен китап эсенә йәшерҙе һәм: – Ана өләсәй, минең бүлмәлә, – тип мөңгөрләне. Рәмис был һүҙгә аптырап ҡалды: – Нисек һинең бүлмәлә? – эҙләп, ары китте. Ысынлап та, шулай икән. Бүлмә алыштырыу мәсьәләһе ҙур мәшәҡәт түгел. Шуға йорт хужаһы ла урын алыштырыуға тәүҙә әһәмиәт бирмәгәйне. Ләкин әсәһенең хәсрәтле йөҙөн күреп, аптыраны ла төштө. Дүртәүләшеп, өндәшмәй генә ултырып ашанылар. Тәүҙә Рәмис йоҡлар алдынан был хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға ла уйламағайны. Әммә әсәһенең үпкәле йөҙө, ә ҡатынының үҙен нимәгәлер үпкәләгән һымаҡ тырт-мырт йөрөүе һүҙ башларға мәжбүр итте. – Бында үпкәләргә урын юҡ! – тине ҡатыны өҙөп. – Әбей кешегә 7-8 квадрат та еткән. Улың ана, күнекмәләр яһай торған аппарат алып ҡайтты, хәҙер эргәһенән саҡ-саҡ үтеп йөрөй. – Минең бер ҡаршылығым да юҡ, – тине ире. – Тик шуны еңелерәк, тауыш сығармай ғына, хәл итеп булмай инеме? – Ҡара, ҡара, ошаҡлап та өлгөргән! Хәҙер улын миңә ҡаршы һөсләтә! – тип тоҡанып китте килен һәм үҙенең әҙәпһеҙ тауышы менән иренең, ҡәйнәһенең, улының ғына түгел, йоҡа стена аша күршеләренең дә илтифатын солғап алды. – Ҡуйсы, сеүегеҙ, – тине әсәһе, – миңә был бүлмә хатта оҡшай. Йылы, яҡты, – тине бая ғына үҙ алдына: “Элеккеһенә ҡарағанда, ҡараңғыраҡ, төньяҡта урынлашҡас, һыуығыраҡ, хатта таш өйҙәр офоғонда, болотло күктән башҡа, бер нимә лә юҡ”, – тип һөйләнгән ҡарсыҡ. Тәүге төн шым үтте һәм артабан ваҡиғалар тыныр һымаҡ ине. Ләкин төнө буйы өшөп, йоҡлай алмаған Мәхмүзә ҡарсыҡ аптырағас, улы эшкә сығып киткәндә: – Улым, теге бер бүлмәле буштыр бит, шунда күсер, тип шыбырҙап өлгөрҙө. Кис ҡайтҡас был мәсьәләне тағы күтәрҙеләр. Һүҙҙе Рәмис башланы: – Мин Ғүмәргә ике бүлмәне лә бирергә тәҡдим итәм. Бер бүлмәһендә уҡыһын, шунда йоҡлаһын. Икенсеһендә спорт менән шөғөлләнһен, иптәштәрен килтерһен, – тигән тәҡдим индерҙе. – Ә өләсәй ҡайҙа йоҡлаясаҡ? – тине Ғүмәр. – Өләсәйеңдең мөмкинлектәре, улым, һинекенә ҡарағанда, киңерәк. Беҙ уны, теләһә, ауылға илтеп ҡуябыҙ, унда йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Йәй көндәре үҙебеҙ барып йөрөрбөҙ. Ә инде оҡшамаһа, ана, күрше кварталда бер бүлмәле фатир бар, шунда йәшәр, – тине ул ҡатынына тантаналы ҡарап. Ауылдағы өй ярар инде, унда ҡарсыҡтың барыуы бик икеле, сөнки ваннаһы бар, һыуы юҡ, мейесе бар, газы тоташтырылмаған. Етмеште ҡыуған ҡарсыҡтың унда барыры бик шикле. Ә инде бер бүлмәле фатирға килгәндә, бик мөмкин, ләкин Сәриәнең мәнфәғәттәренә туранан-тура ҡағыла. Сөнки унда әлеге ваҡытта Сәриәнең, ҡыҙы менән кейәүҙән айырылып ҡайтҡан, һеңлеһе Сания йәшәп ята һәм үҙен бик ҡәнәғәт тоя. – Шулай тип тәҡдим итерһең, тип көткәйнем дә! – тип асыулы төҫ алды Сәриә. – Шул, минекеләрҙең йәшәүен күтәрә алмай инең, бына, ҡотолоу юлын да таптың! Ай-һай, быны ныҡ уйлағанһыңдыр! Бындай этлекте тормошҡа ашырыу өсөн юғары белем генә етмәй. Һинең бер кәңәшсең дә булғандыр. Әйҙә, уны нығыраҡ тыңла. Һин нәмә, шаңғыныңмы әллә? Был ҡарсыҡты үлтерергә итәһеңме? Ул бит үҙен үҙе ҡарай алмай. – Нисек ҡарай алмай? Әле, белеүемсә, өйҙәге бөтә эштәрҙе ул башҡара. Һиңә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, – тип ташланды, әсәһен яҡлап, улы. – Ҡуй, ҡуй, балалар, кәрәкмәй. Улым, өндәшмә, килен, һин дә шым, сеүегеҙ! – тип татыулыҡ хаҡына һүҙ әйтте ҡарсыҡ. – Миңә һеҙҙең менән дә оҡшай, ошонда ғына торам, бына аш бүлмәһе ҙур, анау коридорҙағы диванды ошонда ғына ҡуйғыҙ, йоҡлап ҡына йөрөрмөн. Бында йылыраҡ та. Ир менән ҡатын тороп, коридорға сыҡтылар, диванды ҡаранылар, яңынан кереп, кухняға күҙ ташланылар. – Ниңә, бына тигән вариант! – тине ҡатыны. – Ҡәйнәм дөрөҫ әйтә, уға күп кәрәкмәй. Һин тағы, бынау диванды беҙҙең бүлмәгә керетәм, йә үҙебеҙ ошонда күсенәбеҙ, тип ауыҙыңды асып ҡуйма. Мәсьәлә тәүге көндә лә, тәүге төндә лә хәл ителмәне. Етмеш квадрат метрлы өс бүлмәле фатирҙа 58 килограмлы, буйының бейеклеге 162 сантиметрлы ҡарсыҡҡа урын табыу хәл итмәҫлеккә әйләнде. Бәлки барыһы ла аҡрынлап хәл ителер, бәхәсләшеүсе яҡтар уртаҡ фекергә килер ине, әгәр шул кистә үк социаль селтәрҙәрҙә Ғүмәрҙең берәү ҙә көтмәгән сәхифәһе барлыҡҡа килмәһә... Аҙағы: Икенсе бүлек. --------------- Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Хөрмәтулла Баҡыртау ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлағас, фабрикала эшләне, ошонан әрмегә китте, өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, шунда кире ҡайтты. Яҙ ҡайтып эшләй башлағайны, көҙөн колхозға эшкә ебәрҙеләр. Ул йылды иген уңғайны, ауылда ашлыҡты урып-һуғырға, йыйып бураға һалырға эшсе ҡул етешмәй. Көтөлмәгән туй Ҡалалағы предприятиеларҙан ауылға ярҙамға кешеләр ебәрергә булдылар. Ураҡ менән сүкеш берлеге бит. Слесарҙар цехында йәрәбә Хөрмәтуллаға төштө. Уны ебәрмәй, бүтән кемде ебәрһендәр ике айға төп эштән айырып? Хөрмәтулланың ғаиләһе юҡ, тимәк, өйҙә (дөрөҫөрәге ятаҡта) илап балаһы көтмәй. Өҫтәүенә, Хөрмәтулла ауыл балаһы, ундағы эште лә, тормошто ла белә, өйрәтеп тораһы түгел. Ошо ике айҙы тултырҙы ла эшкә барып күренде һәм ялға атаһы, әсәһе янына ҡайтып китте. Ул саҡта Ҡыуандыҡ, Ейәнсура һәм башҡа ауылдарҙан сыҡҡан күп кеше Баҡыртауҙа эшләй, йәшәй торғайны. Иң яҡын ҡала булғанға, кейем-һалым алырға ла шунда йөрөнөләр. Хөрмәтулла үҙҙәре яғына барған поезд вагонына ингәйне, күрше ауылдан Фәүзәт ағай менән ҡатыны ултыра. – Яҡташтар ҙа бында икән, – тип барып күреште Хөрмәтулла. – Эйе, – тине ир кеше. – Бына тегенеһен-быныһын алырға гурытҡа барҙыҡ. Көҙ етте бит. Балаларҙың өҫтөнә кәрәк. – Ҡатынының өндәшмәй ултырғанын шәйләп, – Сәриә, һин Хөрмәтте танымайһыңмы ни? Ейәнсурала Сания менән бергә уҡынылар. – Ә-ә, – тине ҡатын, әммә асылып китмәне. – Сания ни эшләй? Күптән күргән дә юҡ, – тине Хөрмәтулла. – Ул да ҡалаға китте. Туҡыу фабрикаһында эшләй. – Кейәүгә барманымы һуң әле? – Юҡ. Яңыраҡ үҙебеҙҙең ауыл Байрастан яусы килгәйне лә, бирмәнек. Хөрмәтулланың ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Байрас менән Сания мәктәптә уҡыған саҡта уҡ бер-береһенә битараф түгелдәр ине. Ул саҡта уҡ уларҙы кейәү менән килен тип ирештерә торғайнылар. Ни эшләп бирмәнеләр икән һуң Байрасҡа? – Күрәләтә нисек бирәһең инде? Ул өйҙә Байрастан башҡа алты бала бар. Иң өлкәне Байрас, – ҡатын Хөрмәтулла ышанмай ҡуйыр тигән һымаҡ, һәр һүҙенә баҫым яһап, ныҡлап аңлатты. – Унда килен булып төштөниһә, Сания ҡол була ла ҡуя инде. Байрастың әсәһе сирләшкә генә, теге алтауҙы ҡарарға кәрәк бит. Өҫтәүенә, күбеһе малайҙар. – Ә беҙҙең балалар икәү генә бит. Сания иркә генә үҫте, – ир ҙә ҡатынын яҡлашты. – Ярар, Байрасҡа бирмәһә ни, ҡыҙыбыҙҙың йәше үтеп бармай әле. Уның матурлығы менән утыҙҙа ла сират торорҙар. – Мин алам, тиһәм, бирер инегеҙме? – Хөрмәтулла был һүҙҙең ауыҙынан нисек сығып кикәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды, шикелле. Ләкин әйтелгәйне ине инде. Осоролған сәпсекте кире тота алмайһың. Фәүзәт менән Сәриә ялт итеп Хөрмәтуллаға ҡараны. Бик үк оҙон булмаһа ла кәүҙәгә мыҡты ғына, түңәрәк бите килешле генә, тулҡынланып торған сәсен артҡа тараған. Ошондай сәсте ярата Сәриә, юҡһа, иренең сәсе ике бөртөк кенә, асыуым да килмәгәйе, уныһы ла һарғылт. Ҡырын тараған була ла, түбәһендәге таҙын аса ла ҡуя. – Әлләсе... – тип һуҙҙы ҡатын. – Һеҙ атайың менән әсәйендә бишәүме әле? – тип асыҡлыҡ индерергә булды Фәүзәт. – Юҡ, беҙ дүрт бала. Ике ағайым, бер апайым бар. Мин – кинйә. – Үҫеп бөткәндәр икән, – ҡатындың тауышы йомшаҡ ҡына сыҡты. – Үҫеп бөтөү генә түгел, үҙҙәренең балалары бар, айырым торалар. Мин ҡырҙа булғас, атайым менән әсәйем өйҙә икеһе генә. – Һин ҡала кешеһе булып бөттөңмө инде? – Фәүзәттең дә тауышы һәүетемсә тыныс ҡына сыҡты. Былар кирегә боролоп китмәһен, тип, егет ышаныслы һөйләргә тырышты: – Әрмегә тиклем Баҡыртауҙа ике йыл эшләгәйнем. Ҡайткас та һаман шундамын. – Ятаҡта тораһыңмы? – Сәриәнең тауышы һағайыулы ине. – Эйе, ятаҡта. Өйләнмәгән кешеләрҙең бөтөнөһө лә ятаҡта йәшәй. Өйләндениһәләр, шундуҡ фатирлы булалар. – Эш хаҡың күпме һуң? – Йөҙ һум сыға айына. – Оһо, Байрастыҡы 35 һум ине. Үҙенең ашауынан артмай. Байрастың эш хаҡы күберәк икәнен белә ине Хөрмәтулла. Училищела ла бергә уҡынылар, бер үк фабрикала эшләйҙәр бит. Ләкин тегене яҡлап, аныҡлыҡ индереп торманы. Санияның атаһы менән әсәһе бер аҙ шым ултырҙы. – Һинең атайың ветеринармы әле? – тип ҡыҙыҡһынды ҡатын. Хөрмәтулла урынына ире яуап бирҙе. – Эйе, беләм мин уны. Силсәүит тә булды, һатыусы ла, агент булып, иҫке-моҫҡо ла йыйҙы. Ветеринарлығы тыумыштан инде. Уның ҡулы тейгән мал, үлергә ятһа ла, тороп китә. Хәтерләйһеңдер, беҙҙең һыйыр ашлыҡ ашап, эсе күбеп тәгәрәгәс, ул әллә нимә генә эшләтте, теге шәбәйеп китте. Ә бит күпме кешенең малы ҡазаланды. Вагондағы кешеләр хәрәкәтләнә, төшөргә йыйына башланы. Ир менән ҡатын да сумкаларын барланы. Шунда Фәүзәт Хөрмәтуллаға боролдо. – Һинең һүҙгә Сания ни әйтер икән һуң? Хөрмәтулла яуырындарын һикертте. – Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ күҙем төшә торғайны. Ул Байрас менән йөрөгәс, араларына инмәнем. – Ярар, уйларбыҙ, – Фәүзәт һүҙҙең бөткәнен аңлатып, нәмәләрен ҡулына алды, ул арала поезд тәгәрмәстәре лә сыйлашып барып туҡтаны. Ейәнсура станциянан алыҫ түгел. Хөрмәтулла йүгерә-атлай ҡайтып инде. Солан иҙәнендә аяҡ кейеменең күплегенә ҡарап, атайымдар ҡунаҡ йыйғандар икән, тип уйланы. Өй ишеген асыу менән уны күрше урамда йәшәгән Зәбилә күрҙе. Был ни эшләп йөрөй икән бында? Зәбилә йылп итеп ҡашығаяҡ яҡҡа инеп китте. Ундағы ҡатын-ҡыҙға өндәшә һалды: – Хөрмәтулла ҡайтҡан. Быны егет тә ишетте. Элек Хөрмәт ти ҙә ҡуя торғайны. Быға ни булған, тип кенә уйлап өлгөрҙө, уңарсы булмай, әсәһе килеп сыҡты. Улының арҡаһынан тупылдатып һөйөп: – Минең улым үҙе лә ҡайтып инде, – тип, яңылыҡты өйгә тултырҙы. Хөрмәтулланың атаһы килеп сыҡты, уның артынан Зәбиләнең атаһы, әсәһе сығып, егет менән күреште. Ирҙәр матур ғына ҡыҙмаса булып алған. Өҫтәлдә бал һала торған стакандар күренә. Был ниткән байрам икән? Зәбиләнең нәҫел-ырыуы менән атайымдар бик яҡынлап аралашмай торғайны ла баһа, тип ҡуйҙы Хөрмәтулла эстән генә. Яңы ҡунаҡ килгәс, табынды яңырттылар ҙа киренән һикегә ултырыштылар. Тик Зәбилә генә өйҙөң ҙур яғына, ҡунаҡтар араһына сығып күренмәне. Хөрмәтуллаға атаһы әсе бал һалынған стакан тотторҙо. Быныһы инәлтмәне, төп күтәреп эсте лә: – Атай, мин өйләнәм. Шуны әйтергә ҡайттым, – тине. – Өйлән шул. Һин өйләнһен тип мәшәҡәтләнеп ултырабыҙ бына беҙ. Үҙең тапмағас, ҡыҙҙы бына беҙ таптыҡ. Шунда барыһын да аңланы Хөрмәтулла. Атаһы менән әсәһе яҙ әрменән ҡайтҡас та, өйләндерәбеҙ, тип бер булғайны. Ул саҡта өйләнергә күҙе төшкән ҡыҙы юҡ ине Хөрмәтулланың. Шулай тигәс, шымғайны атай менән әсәһе. Әле бит былар Зәбиләне уға әйттерергә булып, ҡоҙа-ҡоҙағый менән танышыу табыны ҡорған икән да баһа! – Юҡ, ул түгел, – Хөрмәтулла өйҙөң бәләкәй яғында йөрөгән Зәбиләгә баш иҙәне. – Ул түгел. – Кемде алыр китәһең һуң һин? Өй шып-шым булып ҡалды. – Күрше ауылдан Фәүзәттең ҡыҙы Санияны. – Тирә-яҡта бер сибәр, тип һөйләйҙәр, шунымы ни? – Эйе, шуны. – Ауыҙың бәлеш түгел, үҙемә оҡшап. Әсәһе, ишетәһеңме, улың ни һөйләй? Хөрмәтулланың әсәһе ҙур яҡтың ишегенән башын ғына тығып ҡараны ла ҡунаҡтар яғына ымланы. Кеше алдында нимә һөйләгәнеңде аңғарып ултыр, тийеүе ине. Әммә ир быны аңламаны, шикелле, һаман үҙенекен итте. – Ул килен булһа, беҙҙең өй ҙә бүтәнгә әйләнер ине. Атаһының башҡа юҫыҡҡа борола башлағанын тойған Хөрмәтулла: – Атай, Санияны һорап яусы ебәрәйек, – тип ысҡындырҙы. – Ә нимәһе? Дөрөҫ. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк. Әсәһе, бар Мәфтүхаға әйт: яусы булһын. Ат менән күрше ауылға үҙем алып барам, һөйләшеп бөткәнен Хәйернисаларға инеп көтөп торормон, Фәүзәткә күрше генә бит. – Тора һалып, ат егергә сығып та китте. Ҡашығаяҡ яғында Зәбилә, уның әсәһе мышҡылдашып илай ине. Зәбиләнең атаһы ҡайтырға була ишеккә йүнәлде. Уға өй хужаһы: – Мин һине былай ғына «ҡоҙа» тиер ҙә ҡуйырмын. Туй ашына ла әйттерермен, килерһең, йәме, – тип өндәште. Тегенеһе ҡулын ғына һелтәне лә, өндәшмәйенсә, ҡайтып китте. Кешеләр таралышҡас, Хөрмәтулланың әсәһе үпкәләне: – Эй, иҫәрһегеҙ ҙә инде. Үҙенән алда нимәһе ҡысҡырған, тигәндәй, кешене саҡыр ҙа, битенән көлөп сығарып ебәр. Шул булдымы ирлек? – Кеше алдында яҡшатланам тип, балаң ғүмер буйы оҡшатмаған кешеһе менән йәшәһенме? Тегенең, исмаһам, ҡарайым тиһәң – бите, тотам тиһәң... – Ҡайтып, дау һалдың да ул. Ә атай менән әсәйҙең туй яһарлыҡ хәле бармы һуң, шуныһын уйланыңмы? – Әсәй кеше иң һуңғы, әммә кәттә дәлилде сығарҙы. – Ул яғын уйлағанмын инде, сығымдарҙы үҙем күтәрәм. Ике ай колхозда йөрөгәндә фабрик эш хаҡының өстән икеһен түләйем тине, 200 һум тирәһе була ул. Хеҙмәт өсөн колхоз 2 центнер иген бирә, бер ат йөгө ҡауын-ҡарбуз тейә. Шул туйға етмәйме ни? – Ит яғын үҙем ҡайғыртам. Ике-өс һарыҡты йығам да һуям, – атай ҙа үҙ дәлилен ҡуйҙы. Ыштанының һыңар балағын күтәргән, икенсеһен ергә һөйрәлтә яҙғанса төшөргән Мәфтуха ҡарсыҡты ултыртып сығып киткән йорт хужаһы бер нисә сәғәттән боролоп та ҡайтты. Былай тиҙ йөрөгәс, юлдары уңмағандыр, тип ҡыуанған ҡатыны йүгереп сығып ҡапҡа асҡайны, арбанан төшөр-төшмәҫтән ир ҡысҡырып та ебәрҙе: – Ҡатын, эш беште. Фәүзәттең Санияһы беҙҙеке. Туй, мәһәр, бирнә – барыһы тураһында ла һөйләштек, килештек, һал ашыңды, ҡайнат самауырыңды, саҡыр ағай-энене. Ҡасан кейәүләү, ҡасан туй – шуны һөйләшәбеҙ. Әсәһе ауыҙын ҡымтыны ла ҡушҡанды эшләргә тотондо, Хөрмәтулла үҙе, ауыҙы йырылып, һарай башына менеп китте. Уның шунда ятып йөрөй торған урыны бар. Ятып, хыялға батырға булды. – Ирмен тигән иргә ҡаршы торор кәртә бармы ни ул? – Шулай һөйләнә-һөйләнә, Мәфтүха ҡарсыҡ үпкәһен йөҙҙөргәнсе эсерлек сәйгә өмөт итеп, өйгә инеп китте. * * * Ҡыҙ яғында туйҙы ике өйҙә үткәрергә булдылар. Ололар төп ҡоҙаның өйөндә йыйылыр, йәштәр айырым Хөрмәтулланың апаһы Хәйернисаларҙың өйөндә ултырыр, тинеләр. Хөрмәтулла кәләш алыу мәшәҡәттәрен Баҡыртауҙа эш хаҡы алып, магазиндарҙан кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыуҙан башланы. Буласаҡ ҡайны менән ҡәйнәһенән башлап, ҡайнағаларына, ҡайынеңгәләренә арыу ғына бүләк алды. Ҡәйнеш, балдыҙҙарына бәке, тараҡ кеүек ваҡ-төйәген йыйҙы, кейәү күстәнәсе тип ике литр араҡы ла алды, шешәләренең муйынына ҡыҙыл таҫма бәйләтте. Аш-һыуҙы был юлы ҡыҙҙың атай, әсәйе хәстәрләй, шуға Хөрмәтулла был турала уйланманы. Иң ҡыйыны, кәләшкә күлдәк һайлау булды. Әҙер тегелгәнен алыр инең, яраймы-юҡмы уға, ҡайҙан беләһең. Үҙе тегеп кейер, тип, ситсаһын ғына алыуҙы ла килештермәне. Уны ҡасан бестерә лә, ҡасан тектерә әле. Ә туй көнө етеп килә. Туйҙа кейәү бүләген кейеп ултырырға тейеш бит инде кәләш. Эҙләнә торғас, бик матур асыҡ зәңгәр төҫлө күлдәккә барып юлыҡты. Хаҡы ла арыу инде, тик уныһына ҡарап тораһыңмы ни Сания сибәрҙе алғанда. Күлдәктең билдеге лә бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, килешергә тейеш был кәләшкә. Штапель күлдәк кемгә эләгә әле? Ә үҙе ағаһының костюмын кейеп торор. Ағаһы Мәскәүгә хеҙмәт алдынғыларының слетына барғанда алған. Хатта-хатта матур. Хәйернисаның өйөнә ике өҫтәл ҡуйҙылар. Береһе тирәләп Санияның ауылдаштары ултырыр, икенсеһе Хөрмәтулла менән килгән егеттәргә тәғәйен. Кейәү менән кәләш тә шунда. Санияны ла, Хөрмәтулланы ла оҙон ҡолаҡтар иҫкәртте: ҡыҙ яғынан килгән егеттәр ыҙғыш сығарырға, Хөрмәтулланы ла дөмбәҫләргә йыйыналар. Бәлки, эсенә бысаҡ та тығырҙар әле. Араларында төрмәнән ҡайтҡан берәү ҙә бар, ти. Ыҙғыш башында Санияның элекке йәре Байрас тора, ти. Ҡыҙ үҙенә эләкмәгәс, Хөрмәтуллаға ла тәтемәһен, тигән, имеш. һуйһам – һуям, һуйылһам – һуйылам, әммә бүтәнгә бирмәйем. Хөрмәтулла менән Сания ла үҙҙәренсә сараһын күрҙе. Егет үҙ нәҫелендәге иң үткер, иң һуғышсан егеттәрҙе алып килде. Кемдең ҡасан нимә эшләргә тейешлеген билдәләп ҡуйҙылар. Байрастарҙың тәүҙә үҙ-ара ыҙғыш сығарып, шунан егет яғын һуғышҡа индереп ебәрергә уйлағаны ла билдәле булды. Сания ҡыҙ менән егет йәрәшә торған өйҙө ныҡ йәшерен әҙерләне. Берәү ҙә белмәҫлек иттеләр. Байрастың туй мәжлесендә быларға һөжүме барып сыҡмаһа, йәрәш йортона йүгерәсәге көн кеүек асыҡ бит инде. Шуға бер кемгә лә белдермәҫкә тырышты. Мәжлес башланды. Кейәү егете менән ҡыҙҙың әхирәте уртала. Йәштәрҙе улар һыйлай. Туй менән ҡотлап ике стакан әсе балды түңәрәккә төшөрөп ебәрҙеләр. Тәүҙә кейәү менән кәләш эсемлеккә тел тигеҙеп кенә бирҙеләр. Шулай тейеш. Уларҙың бөгөн нәҫел яралғыландыраһы бар. Киләсәк таҙа, эскелекһеҙ булырға тейеш. Иң түрҙәге мөйөшкә һырығып Байрас ултыра, һонтор кәүҙәһен бөксәйткән, күтәрелеп берәүгә лә ҡарамай, һүҙ ҙә ҡушмай. Сираты килеп еткәс, стаканды тартып алып, бер тында төп күтәргәнсе эсте лә, тағы ҡой, тип ишараланы. Тиҙерәк ҡыҙмаса булып, ҡара уйын ашырмаҡсы инде. Икенсегә стакан бирмәнеләр быға. Күршеһенә һонолған ҡулға һуҡты ла ебәрҙе был. Бал китте сәсрәп, стакан ашамлыҡ өҫтөнә барып төштө. – Нишләйһең ул! Кейемде лыс бал иттең! – тип ҡысҡырҙы кемдер. Берәүһе икенсеһенең яғаһынан матҡыны. Кейәү яғындағылар аңланы: Байрастыҡылар ыҙғыш башланы. Күрше ауылдан килеүселәр һикереп кенә торҙо ла эргәләге өҫтәл тирәһендәгеләрҙең кемен муйынынан һыҡты, кеменең ҡулын шаҡарып бәйләне. Шау-шыу, орош-бәреш башланыу менән теге матур штапель күлдәкте кейгән Сания Хөрмәтулланың ҡулынан етәкләп алды һәм: – Әйҙә! – тип тышҡа һөйрәне. Хөрмәтулла ҡарышманы. Бер нисә минуттан былар һарай артына сығып, баҡсалар буйлап, ауылдың осона ҡарай йүгерә ине инде. Ҡараңғы төндә ҡыҙҙың штапеле ялт-йолт итеп бара, арттан эйәргән егеттең костюм һиҙәбе эленмәгәнлектән, аҡ күлдәге генә сырамытыла. Сания Хөрмәтулланы икенсе урамдың осона уҡ килтерҙе. Бәләкәй генә өй. Ҡараңғы, күҙгә төртһәң дә күренерлек түгел. Сания, һәрмәнеп, һикене тапты, егеттең етәкләнгән ҡулына түшәктең мөйөшөн тотторҙо. – Сисен, ят! Мин хәҙер киләм, күлдәкте генә сисәм дә... Хөрмәтулла сыр яланғас ҡалғансы сисенеп, кейемен ҡайҙалыр ҡараңғыға быраҡтырҙы ла, түшәккә сумды. Күп тә үтмәне, уның кеүек үк яланғас ҡыҙ егеттең ҡуйынына һырылды... Ир кәләшен үпте, иркәләне, тәнен һыйпаны. Ҡулы арҡаһындағы миңгә тейҙе, шуны тотоп та ҡараны, бармаҡ осо менән дә, усы менән дә ышҡыны. Кәләшенең иң ныҡ билдәһе шул, тип уйланы, ахырыһы. Хөрмәтулла уянып киткәндә, түшәктә яңғыҙ ята ине. Бәләкәй генә тәҙрәләрҙән тоноҡ яҡты төшә. Мейес аръғындағы ҡашығаяҡ яҡта кемдер ҡыйпырҙай. Уның йөҙөн күрмәһә лә күлдәген күреп ҡалды: кәләше йөрөй, сәй хәстәрләйҙер инде. Шул саҡ шығырлап ишек асылды, кемдер инде. – Хәйерле иртә, йәштәр! – тип сәләмләне инеүсе. – Тороғоҙ. Сәй эсегеҙ ҙә кейәү мунсаһына барығыҙ. – Шунан Хөрмәтулланың юрған осонан тартты. – Кейәү, тор! Кәләш ҡуйыны тәмлелер ҙә ул, һыуынмаҫ борон, мунсаға барыр кәрәк. Кемдең тауышы был, шул тиклем таныш, тип ятты тәүҙә Хөрмәтулла. Шунан күҙен асып ҡараһа, Сания тора. – Үҙең мунса яғып йөрөйһөңме ни? – тип һораны Хөрмәтулла. – Шулай итмәй булмай. Кәләшеңә мунса яғырға ярамай әле. – Һин дә инде минең кәләш. – Түгел шул, бына һинең кәләшең. – Штапель күлдәк кейгән кеше Хөрмәтулланың янына килеп баҫты. – Зәбилә! – Танымай ҙа тораһыңмы кәләшеңде? – Сания көлдө. – Ҡараңғыла битен дә күрмәгәнһеңдер инде. Өҫтәүенә, бит ҡайғыһы ла булмағандыр... – Күрмәһә лә, һәрмәп таный инде ул. Минең арҡалағы миңде эй һыпаны, эй һыйпаны... – Миндә ундай миң юҡ. Ул арала булмай, йәнә ишек асылды, ир кеше килеп инде. – Сания, әйҙә йәһәтерәк, – тип ҡабаландырҙы. – Поезға һуңлайбыҙ. Быныһын шунда уҡ таныны Хөрмәтулла. Байрас бит. Сания менән Байрас сығып китте. Ни хәл булғанын һаман төшөнөп бөтмәгән Хөрмәтулланы Зәбилә саҡырҙы: – Ирекәйем, ҡоймаҡ бешерҙем, әйҙә, сәй эсәйек! Ҡоймаҡты ярата Хөрмәтулла, ҡайһылайтып баш тартһын. Тороп кейенә башланы... Фото: iweda.com Автор:"ҺӘНӘК" журналы Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Урам буйлап ап-аҡтан кейенгән, билдәһеҙ йәштәрҙәге апай килә. Йәйге сәскәләргә күмелгән урамда ул бигерәк матур һәм хис-тойғоло күренә. Хатта күпмелер мин уға һоҡланып, артынан эйәреп барҙым һәм ул күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ Ғазраилдың әхирәте Шулай килеп инде ул минең тормошома, һуңынан да осрашырбыҙ, хатта фекерҙәштәр булырбыҙ, тип һис уйламағайным. Өфө ҙур, аралашыуҙар йыш, төрлө саралар үтеп тора. Ошоларҙың береһендә беҙгә осрашырға, танышырға һәм ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса һөйләшеп алырға ла тура килде. – Үҙегеҙҙе ҡарағыҙ егеттәр, хәҙер тормош ауыр, һаулыҡ кәрәк, – тине ул һәр беребеҙгә мәрхәмәтле, әсәйҙәрсә ҡарашын йүнәлтеп. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Өфөлә кешеләр йышыраҡ йә концертта, йә йыназала осраша. Мин был апайҙы, аҙаҡ белдем, исеме Йыһан икән, тәүҙәрәк һис тә аңламаным. Үҙе бигерәк хәстәрлекле, эс-бауырыңа инеп бара, төпсөшә, килеп һорауҙарҙы күп бирә, хатта яуап биреп өлгөрөрмөн тимә. – Килен ни хәлдә, сирләмәйме, һаулығы нисек, – тип ҡыҙыҡһыныуы мине бик ғәжәпләндермәне, сөнки уның холоҡ-фиғеленә күнә лә башланым буғай. – Һәйбәт, – тинем мин. – Аллаһҡа шөкөр, сирләмәй. Аҙаҡҡы осрашҡаныбыҙҙа, бер яҙыусыны һуңғы юлға оҙаттыҡ шикелле, Йыһан апай ифрат зыялы, олпат һәм хатта кеселекле ағай менән ине. Ағайҙың апайға мөнәсәбәте мине таң ҡалдырҙы. Ағай ике ҡулынан да тотоп ҡына тора, Йыһан апай уйсан һәм ҡайғылы ҡарашын алыҫҡа төбәгән, бына-бына илап ебәрер һымаҡ, йәре тынысландырғанға ғына түҙәлер. Бер аҙ торғас ағайҙы танып ҡалдым, был бит Аҡташ районының элекке башлығы, заманында гөрләтеп эшләй торғайны. Йыһан апай, тимәк, Ниғмәтовтың тормош иптәше булып сыға. – Юҡ, – тинеләр миңә шундағы таныштарым. – Ағайҙың хәләл ефете яңыраҡ вафат булды, Тимерйән Ғәҙелбаевич оло ҡайғынан сиргә һабышты, дауахананан сыға алманы. Кемдер таныштырған, Йыһан апай, күрәһеңме, ағайға йән өргән бит, хатта йәшәреп киткән. Ысынлап та, Тимерйән ағай йәш егеттәр һымаҡ Йыһан апайҙы етәкләп кенә йөрөтә, йәшәүгә ышаныс уянғаны йөҙөндә ярылып ята. Бына бит мөхәббәт кешене нимә эшләтә. Ағай менән апай өсөн ҡыуанып ҡуйҙым. Әйҙә, йәшәһендәр, ҡарт көндәрендә бер-береһенә терәк булһындар. Шулай ҙа күңелдә шик яралғандай булды. Эйе, күренеп тора, бәхетлеләр, тик апай үтә йәш, ә ағай ҡартыраҡ түгелме икән? Йәшен-ҡартын тикшереү минең эш түгел, бер-береһен оҡшаталар икән, йәшәһендәр. Ярты йылдай үткәс, Тимерйән ағайҙы тағы осраттым һәм шаҡ ҡаттым. Элекке тимерҙәй ныҡ, бәхетле, тормоштан ҡәнәғәт Тимерйән ағайҙың исеме генә тороп ҡалғайны. Эргәмдән коляскаға ултыртып үтеп киткән бәлтерәп бөткән ҡартты янымдағы танышым күреп ҡалып: “Эй, Аллаһым, Ниғмәтов ағай бит был, Аҡташтың элекке башлығы”, – тип бышылданы. – Нимә булған? – Фалиж һуҡҡан. – тине ул. – Йыһан апай ҡарай тигәйнеләр, балалары ҡырҙа, әбейе элегерәк үлде. Йә инде, Тимерйән Ғәҙелбаевич та кеше көнөнә ҡалһын инде. Шунда элекке башлыҡты һуңғы тапҡыр күреүемде, бер нисә көндән гәзиттә сыҡҡан некрологтан ғына белеп ҡалдым. Тормош дауам итә, Өфөлә, үҙегеҙ беләһегеҙ, көн дә байрам, көн дә туй. Бер көн шундай тантаналарҙың береһендә ап-аҡ кейемдән, хатта йәшәреп киткән һымаҡ тойолдо, шат һәм бәхетле йылмайып Йыһан апайым килеп сыҡты. Мине онотмаған, таныны, ентекләп һаулығымды, хәләл ефетемдең сәләмәтлеген һорашты һәм эргәһендә ҡәнәғәт баҫып торған олпат, шат йөҙлө баһадирҙай ағай менән таныштырҙы. Күренеп тора, ағай шәп, ғөмүмән, республика тормошонда уның тотҡан урыны шул тиклем ҙур, ул вазифаһын ҡалдырған, ә ҡалғандар илашҡан һәм барлыҡ эште юҡҡа сығарған. Йыһан апай ағайҙы яраталыр, эргәһенән бер аҙым да ситкә ебәрмәй, етәкләп кенә йөрөтә, тирләгәйне, ап-аҡ ҡулъяулыҡ менән битен һөртөп алды. Беләһегеҙме, кешләр ни өсөн гәзит алдыра? Эйе, кемдәрҙең тере, кемдәрҙең мәрхүм икәнен белер өсөн. Хәҙер исемен дә онотҡанмын, Йыһан апай етәкләп йөрөткән ағай, ысынлап та, республика тормошонда ифрат ҙур роль уйнаған икән. Мин был хаҡта белмәҫ инем, әгәр уның эшмәкәрлеге хаҡында ҙур ғына некрологта ентекләп яҙылмаһа. Эйе, фәлән ағайҙы оҙаттыҡ, кисен концертҡа барҙым, әллә кемдәр менән осрашып һөйләштем. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Өфө ҙур, көн һайын иртән берәү үлә, кисен икенсеһенә арнап байрам, ҡыҫҡаһы, әлеге Йыһан апай килеп сыҡты һәм шат йылмайып ҡосаҡтарын йәйеп миңә килә башланы. Ярай, арабыҙға Хәким Мортазин менән Урал Мортазин килеп сыҡты, мин ҡасып өлгөрҙөм. Ситтән генә, өҫтән генә, баштар диңгеҙендә Йыһан апайҙың ап-аҡ яулығын күҙәтәм. Эргәмә Йәнтимер ағай килеп сыҡты. Йөҙө ҡайғылы, үҙе күңелһеҙ. – Ағай, нимә булды? – тип һорайым. – Ишетмәгәнһеңдер инде, еңгәң үлеп китте бит, – тине ул көс-хәл менән. – Ярты йыл була инде. Ихлас итеп ҡайғыһын уртаҡлаштым: – Хоҙай һиңә түҙемлек бирһен, ағай, – тинем. – Яңғыҙыма ҡыйын, донъя көтөүе ауырлашты, берәй таныш әбейең юҡмы, – тине ул миңә, мөлдөрәп ҡарап. Шул ваҡыт иҫемә төштө, ошонда ғына Йыһан апай йөрөп ята ине, уны ғына өндәшеп ҡарамаһам. – Йыһан апайҙы беләһеңме? – тинем мин. – Ошонда ғына йөрөй ине. Таныштырайыммы? – Һин нимә, әллә мине үлтерергә итәһеңме? – тине Йәнтимер ағай. Хатта әйтеп ебәрҙе. – Ә нимә булды? – Шуны ла белмәйһеңме, уны бит Йыһан апай түгел, Ғазраилдың әхирәте тиҙәр. – Ни өсөн? – тип мин шаңҡып ҡалдым. – Бәй ишетмәнеңме ней? Йыһан апайың минең һымаҡ яңғыҙ ҡалған бабайҙарҙы аңдып йөрөй, әүрәтеп үҙенә ҡарата, маҡтай, хатта йәшәртеп ебәрә, уныһын беләһеңдер инде, һәр аптекала йәшәрткестәр, дәртләндергестәр һатыла. Апайҙың мөхәббәтенә әүрәп, ағайҙарҙың ҡан баҫымдары күтәрелеп, фалиж һуғып бер нисәү ҡорбан булды инде. Әлбиттә, үҙҙәренең мөлкәттәрен Ғазраилдың әхирәтенең исеменә күсереп яҙғандан һуң. Башым әйләнеп, йығылып китә яҙҙым. Юғарынан һәйбәт күренә шул, эргәмдән генә ихлас һәм бәхетле йылмайып, теге, кемдең әхирәте, тине әле, эйе шул, ауыҙы ҡолағына еткән, күкрәктәре кирелгән мөһабәт бер ағайҙы етәкләп үтеп китте. Ә, таныным, министр урынбаҫары булып эшләгәйне, апайҙың сираттағы йәреме, әллә ҡорбанымы икән? Автор:Ралиф Кинзябаев Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ 239-СЫ КҮҘӘТЕҮЕМ: "Подъездар, ихаталар, урмандар – йәмәғәтселек йөҙөбөҙ!" Ағиҙел -26 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. 7 Август 2019, 14:16 Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ 239-СЫ КҮҘӘТЕҮЕМ: "Подъездар, ихаталар, урмандар – йәмәғәтселек йөҙөбөҙ!" Подъезыбыҙҙа,йорт ихатабыҙҙа ремонт эштәре башланды. Тимәк, тиҙҙән эстән генә түгел, тыштанда ялтырап торасаҡбыҙ. Шулыңғайҙан башҡа ҡыҙыҡ ҡына уйҙар ҙа килеп ҡуя: ни өсөн шәхси йорттарҙа,ауылдарҙа йәшәүселәр ихатаһын, йорт алдын таҙа тоторға тырыша ла, күп фатирлыйорттарҙа йәшәүселәр тик фатирҙарын таҙа, тәртиптә тотоуҙы ҡайғырта һуң? Нимәгенә тимә, йәмәғәтселек тап подъездан, ихатанан башлана бит?.. Тимәк, подъездарыбыҙ, ихаталарыбыҙ беҙҙең йәмәғәтселек йөҙөбөҙҙө күрһәтә. Фатирыбыҙға евроремонт эшләү, эсендә затлы мебель ултырыу менәнме ни – фатир ишеген асып коридорға сығыу менән ташландыҡ бәҙрәф тәртипһеҙлеге башланғас. Мәсьәләнең парадокслы булыуы шунда: беҙ был осраҡта эстән ялтырап, тыштан ҡалтырап торабыҙ.
Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, ауырыуға һабышып, беҙҙе татлы емешһеҙ ҡалдыра ла ҡуя. Шуға иртә яҙҙан баҡса батшабикәһенә иғтибарлы булырға кәрәк. Тәү сиратта еләктең һәйбәт сортын һайлағыҙ, агротехника тураһында онотмағыҙ. Быларҙан тыш, еләккә һауа торошо ҙур йоғонто яһай. Тап һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе, һыуыҡтар һәм ямғыр ауырыуҙар барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булып тора ла инде. Һоро серек Был аурыу бәшмәклеләр төрөнә ҡарай. Айрыуса еләк бешкән осорҙа барлыҡҡа килә. Ваҡытында уны туҡтатмаһаң, бөтөн еләклеккә күсеүе ихтимал. Ямғырлы йылдарҙа йыш барлыҡҡа килә. Үҫемлектә һоро таптар барылыҡҡа килһә, тимәк, еләклек ауырыуға дусар булған. Ошо ваҡытта уҡ уның менән көрәшә башларға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу ерҙә һаҡланып ҡалыуы ихтимал, серегән еләк һәм япраҡтарҙы шунда уҡ өҙөп алығыҙ. Ауырыу менән көрәшеү саралары 1. Был ауырыуға дусар булмаған сорттар алырға кәрәк. Мәҫәлән, Берегиня, Надежда, Тарда һ.б. 2. Ауырыу еләктәрҙе шунда уҡ өҙөп алыу, 3. Ваҡытында сүп үләндәрен утау, 4. Еләк бешә башлар алдынан рәттәр араһына торф, һалам һалып сығырға, 5. Иртә яҙҙан бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртеү, 6. Еләк сәскә атыр алдынан һәм уңышты йыйып алғандан һуң фунгицидтар менән эшкәртеү. Мәҫәлән, Споробактерин. Алирин – Б, Агролекарь, Прогноз, Чистофлор кеүек дарыуҙар был бәләнән һәйбәт ҡотҡарыр. Крахмаллы ысыҡ Был ауырыуҙы ла бәшмәклеләр булдыра. Тәү сиратта еләктең япраҡтары зарарлана. Уларҙа 2 – 3 миллиметрлыҡ зарарлы нөҡтәләр барлыҡҡа килә. Ямғырлы көндәрҙә улар айырыуса көсәйә. Ғәҙәттә был ауырыу бер барлыҡҡа килһә, йыл да ҡабатланып тора. Иҫкәтеү саралары шул уҡ. Бынан тыш ун литр һыуға 200 грамм һабын һәм еҙ купросы ҡушып эшкәртеү. Лилиә НУРЕТДИНОВА, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2020 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2019 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2018 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2017 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2016 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2015 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 50 | 51 | 52 2014 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50 51 | 52 ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (5-се бүлек) + - Идеал Исчуринға айырым кешеләр, үҙе аралашҡан даирәлә дөйөм кәйеф тураһында тиҫтәгә яҡын отчет яҙҙы. Таныш-белештәренең яҙмышы менән уйнауы күңеленә таш булып ултырһа ла бер ни ҡыла алманы. Исчурин өрәйен алып, үҙенә тулыһынса буйһондорғайны уны. Ғәрләнде, үҙен күрә алманы һәр яҙған доносынан һуң. Тик ҡайһылатһын, түҙҙе. Уға ла йәшәргә кәрәк бит. Бәлки, кемдер уның тураһында ла органдарға яҙалыр, тип үҙен йыуатты. Сәғитовтың тормошон емереп ташлауын бигерәк ауыр кисерҙе. Идеал уның иҫерек баш менән һөйләгән һүҙҙәрен Исчуринға еткерҙе лә, күңел ғазаптарын саҡ онота башлағайны, Сәғитовты эштән ҡыуҙылар. Идеал шаҡ ҡатты уның сәбәптәрен уҡытыусыларҙың дөйөм йыйылышында ишеткәс. Имештер, Сәғитов өлкән синыф уҡыусыһына әшәке ниәттәр менән ҡағылған. Был турала ҡыҙ бала әсәһенә әйткән, ә уныһы милицияға ғариза яҙған. Ултыртыуын ултыртманылар ғәйепләнеүсене, сөнки ул ҡыҙға бер ниндәй ҙә зыян килтермәгән. Әммә ләкин амораль холҡо өсөн мәктәптән ҡыуҙылыр. Күпмелер ваҡыт үткәс, Идеал Сәғитовты урамда осратты. Күрештеләр, хәл-әхүәл һораштылар. - Ғаиләне аҫрарға кәрәк бит, төҙөлөшкә ташсы булып эшкә төштөм, - тине элекке коллегаһы. - Әлдә ҡатын миңә ышанды, ташлап китмәне. Бинахаҡҡа ғәйеп ташланылар ҙа баһа. Үҙем дә аптырайым, Үлмәҫбаева мине нишләп бысраҡҡа батырырға булғандыр, аңламайым. Яҡшы уҡыны инглиз теленән, филолог булырға ла хыяллана ине. Минән үс алырға бер ниндәй ҙә сәбәпте күрмәйем. Аңлай алмайым... Идеал күҙҙәрен йәшереп: - Әллә инде, мин дә хайран ҡалдым. Үлмәҫбаева хәҙер беҙҙә уҡымай, икенсе мәктәпкә күсте, - тип тиҙерәк китеү яғын ҡараны. Сәғитовтың башына бәләне үҙе төшөрөүен аңлағайны ул. Исчуриндан да яуап алырға маташты. - Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Колхозсы иккән аҡ икмәкте ашап, ул етештергән һөттө эсеп, эшсе төҙөп биргән йылы йортта йәшәп, газын яғып, һыуын крандан ғына ағыҙып тотоноп, баҙрап йәшәп ят та эшсе-крәҫтиән ҡоролошона - социализмға - яла яҡ. Интеллигенцияның саңын ҡағып тормаһаң, ул еҫләнә, бурһый башлай. Әйҙә, хәҙер икмәкте үҙ тирен түгеп тапһын. Совет власының ҡәҙерен белер шунда. Ә һеҙ, Идеал Салютович, юҡҡа ҡайғырмағыҙ. Халыҡ дошманын фашлаған өсөн ғорурланырға кәрәк. Артабан да шулай ғәҙел, ныҡ булығыҙ. Оҙаҡламай республика наградаһы тейер үҙегеҙгә эштәге уңыштарығыҙ өсөн. Алға ҡарағыҙ! Алға! - тине яуап итеп хәүефһеҙлек органы капитаны. "Ғәҙел, ныҡ булығыҙ… Күрә-баға кешене ҡараға буя ла, шуны ғәҙеллек тигенсәле… Тфү", - тип төкөрҙө Идеал был һөйләшеүҙе иҫләгән һайын. БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе ҡул ҡуйған маҡтау ҡағыҙын оло байрамда бөтөн ғәм алдында тантаналы рәүештә үҙенә тапшырғастары, барлыҡ кисерештәренән, ауыр уйҙарынан арынды ла ҡуйҙы. Гүйә, ҡул менән һыпырып ташланылар. Ҡыуаныс, ғорурланыу ялмап алды йөрәген. Үҙен үтә лә шәп, һәр яҡтан бөткән кеше итеп тойҙо. Сәғитов уйына инеп тә сыҡманы. 3 Алдан һиҙемләүе юш килдеме, әллә Исчурин хеҙмәт иткән ҡеүәтле орган булышлығы булдымы, йәшерен агент сифатында дәүләткә үҙ ярҙамын күрһәтә башлауға ике йыл үтеүгә Идеал мәктәп директоры итеп тәғәйенләнде. Етәксе вазифаһында ла ул Исчуриндың байтаҡ йомошон үтәп өлгөрҙө. Һуңғыһын бигерәк илһамланып яҙҙы - биш табаҡ биткә мәктәп директорҙары араһында йөрөгән хәбәрҙәрҙе, ишеткән-күргәндәрен тасуирлап теҙҙе. Өс йыл бауҙа тотто Идеалды капитан. Тәүҙә бигерәк йыш бимазалаһа, Горбачевтың үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте башланғас, һирәгерәк борсоно. Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә һикһән етенсе йылда гласность - асыҡлыҡ - тигән нәмә тураһында һәр мөйөштә ләүкелдәй башланылар. Әллә органдар ҙа үҙ эшен үҙгәртеп ҡорҙомо, фашланыуҙан, яманат исем күтәреүҙән ҡурҡып, бысраҡ эш алымдарынан баш тарттымы, нисек кенә булған хәлдә лә, Исчурин, һыуға батҡандай, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Тора-бара Хөбөтдинов үҙ биографияһының ғәрлекле был осорон да, яман төш күргәндәй, онотто. Уны стукач тип бер кем дә белмәй, тимәк, бындай хәл булмаған! Йоҡо аралаш яман һаташҡан ғына. Һыҙлап йөҙәткән сиҡаны һытылып, үҙәк өҙгөс ғазаптарҙан арынған әҙәм балаһылай, тормоштоң бәләкәй һәм ҙур ҡыуаныстарына солғанып, һәүетемсә артабан йәшәп китте Идеал Салют улы. Яралары уңалды. Уның ҡарауы, дан-ҡөҙрәттәре йыйылмаһын арттырыу, уны яңы трофейҙар менән байытыу ҡомары яңынан уянды. Сөскөргән һайын "Әлхәм" тип торғандағы кеүек, һәр һүҙенә, ваҡ һәм эре эштәренә баһаһын шунда уҡ алып барғыһы килде йәш директорҙың. Нишләптер, бынан ары гел шулай тейеш һымаҡ ине уға. Гоголдең Плюшкины күҙенә ташланған барлыҡ әйберҙе өйөнә ташығандай, Идеал маҡтау һүҙе яҙылған бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәген дә ҡәҙерләп ҡабул итте, оҙаҡлап ундай хәл булмай китһә, теләнселәп, һоранып йөрөп алды. - Тәскирә Вәлеевна, уҡытыусылар көнөндә бүләкләү өсөн беҙҙән ике кеше һорайҙар. Өҫтән квота төшөрҙөләр. Тәҡдимегеҙҙе көтәм, - Идеал Салют улы уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫарына ҡушҡан көндәлек йомоштарына быныһын да өҫтәне. Тәскирә Вәли ҡыҙы ике сәғәттән дәғүәселәрҙең исемлеген индерҙе. Унда биш исем-шәриф теркәлгәйне. - Юҡ, риза түгелмен, - тип директор барыһын да һыҙып ташланы. - Иң лайыҡлылар... - урынбаҫары аптырап, яурындарын йыйырҙы. - Нығыраҡ уйлағыҙ, - Хөбөтдинов башын күтәрмәй, ҡағыҙҙы кире ҡайтарҙы. Күпмелер ваҡыт үткәс, Тәскирә Вәли ҡыҙы яңы исемлек менән тағы инде. Был юлы ла фекерҙәре директорҙыҡы менән берекмәне. - Бер ни ҙә аңламайым, кандидатураларҙы һыҙып тик ултыра, - тип урынбаҫар өлкән коллегаһына үҙенең хәлен һөйләне. - Һеҙгә, йәштәргә, аҡыл, тәжрибә етеңкерәмәй шул. Һин баяғы уҡытыусыларҙы вис киренән күсереп яҙ ҙа, директорҙың үҙен дә өҫтә, - тине тормош күргән оло уҡытыусы. Ысынлап та, был юлы Тәскирә Вәли ҡыҙы директор кабинетынан уңып сыҡты. Идеал исемлектә үҙен һәм тағы бер кешене ҡалдырҙы ла башҡаларын һыҙып ташланы. Бынан ары, маҡталыуға тәҡдимдәр индергәндә, директорҙың исем-шәрифе исемлеккә гел беренсе ҡуйылды. * * * Идеал Салют улы директор вазифаһында маҡталып эшләне. Хужалар ҙа, коллектив та ҡәнәғәт булды унан. Тәүгеләргә күндәмлеге, йомошҡа сослоғо оҡшаһа, уҡытыусыларға кәңәш ҡороп эш итеүе, ипле тыныс холҡо менән яҡын булды. Ҡайһы саҡ көнөнә ике-өс тапҡыр кәңәшмә йыйып алыр ине. Мәктәптә бер генә сара ла үҙ ыңғайына, "тейһә тейенгә, теймәһә - ботаҡҡа" тип үткәрелмәне. Директор тәүҙә сараның планын тикшерергә йыйып ала. Икенсе кәңәшмәлә һәр кемгә бурыстар бүлеп бирә. Әйтәйек, башланғыс синыфтар спартакиадаһы икән, һәр класс етәксеһе, балаларҙы әҙерләүҙән тыш, плакаттар эшләй, ата-әсәләрҙән ярҙамсылар төркөмө туплай. Физкультура уҡытыусыһы ярыш урындарын, судьяларҙы хәстәрләй, ҡайҙа, ниндәй флаг ҡаҙарға аныҡ күрһәтмә ала. Төп ойоштороусы, кем ҡайҙа тора, ҡулына нимә тота, сараны асҡанда ниндәй һүҙҙәр әйтә - баштан алып аҙаҡҡа тиклем һәр кемдең һәр аҙымын контролдә тоторға тейеш була. Өсөнсө кәңәшмәлә һәр кем директорға әҙерлек тураһында доклад яһай. Идеал Салют улы иғтибарлы тыңлай. Бер нисә аныҡлыҡ, төҙәтмә индерә: - Флагты уҡыусылар уң ҡулдарында түгел, ә һул ҡулдарында тотоп торһон, - ти, мәҫәлән. Бының менән бөтәһе лә ризалаша. - Башҡа һорауҙар булмаһа - эшкә! - Кәңәшмәне Идеал Салют улы фәҡәт ошо фраза менән тамамлай. Гел дә, бөтә кәңәшмәләргә лә, шулай нөктә ҡуя. Идеал Салют улының кеше менән юғары тонда мөғәмәлә иткәне юҡ. Бер ҡасан да! Бәлки, ҡысҡырырға тауышы булмағандыр. Ҡысҡыра белмәүе лә ихтимал. Була бит ҡайһы кешегә йәбешмәгән шундай сифаттар. Кемдер алдай белмәй, тормошта һүгенмәгәндәр, ҡатын-ҡыҙға һәр саҡ ихтирамлы булғандар осрай…Тауыш күтәрмәгән Идеал юғары мәҙәниәтле кеше һәм етәксе һаналды. Ул ҡысҡырмағас, бүтәндәр уның менән үҙен ипле тотто, директорҙы мөмкин тиклем борсолдормаҫҡа тырыштылар. Шулай тағы биш йыл үтте. * * * Был биш йылдың һөҙөмтәләре директор кабинетының тотошлай бер стенаһын биләгәйне. Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, дипломдар… - фәҡәт мәктәп директоры Идеал Салют улы Хөбөтдиновтың шәхсән ҡаҙаныштары өсөн бирелгән баһаламанамәләр. Мәктәптең уңыштар таҡтаһы иһә оҙон коридор буйлап һуҙылған һәм уның бай коллекцияһы ла ҙур һоҡланыу тойғоһо уята. Балыҡсы, балыҡтың ҙурырағын тота була, йылға ятыуының сөмбәй урынын мул итеп емләй, ғәҙәттә. Бер мәл, уйламағанда, Хөбөтдиновтың кабинетындағы ҡаҙаныштар күргәҙмәһе шул ролде үтәй башланы.Төрлө комиссиялар, тикшереүҙәр йыш булып тора мәктәптә. Ҡаланыҡылар ҙа, республиканыҡылар ҙа килгеләй. Төрлө кимәлдәге саралар ҙа ойошторола. Ғәҙәттә, директор кабинетынан башлана тикшереү ҙә, юғары ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү ҙә. Әлбиттә, килгән кешеләрҙең күҙе иң элек стеналағы бай шөһрәтнамә йыйылмаһына төшә. Тикшереүселәр үҙ алдарына мәғәнәле йылмайып ҡына ҡуя. Ә ҡунаҡтар һоҡланыуҙарын, таң ҡалыуҙарын шунда уҡ белдерә: - Ха-а-ай! Дан, бик дан! Ҡулығыҙҙы ҡыҫып китергә рөхсәт итегеҙ, Идеал Салютович. Хуплайбыҙ. Афарин! - тип бер килке һуштарын йыя алмай торалар. Ҡайһылар, ҡултамға ҡуйыу хоҡуғына эйә булғандар, мотлаҡ рәүештә: - Беҙҙең министрлыҡтыҡын күрмәйем. Етешһеҙлек! Һораунамә көтәм, мотлаҡ ҡул ҡуясаҡмын! - тип өҫтәп ҡуя Урындағы хужа - Хөбөтдиновҡа, Хөбөтдинов уға баға, ҡараштары осраша, белер-беленмәҫ баштарын ҡағалар. Мәсьәлә ошо рәүешле хәл ителә. Тикшереүселәргә башҡасараҡ тәьҫир итә баһаламанамәләр. Әгәр артыҡ етешһеҙлектәр асыҡланмаһа, тейешле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғандан һуң, төп тикшереүсе ҡабаттан ҡаҙаныштар күргәҙмәһе ҡаршыһына килеп баҫа. Һоҡланыуын йәшермәй, экспонаттарға ҡарап тора ла: - Ысынлап та, лайыҡлыһығыҙ, Идеал Салютович, беҙҙең маҡтау ҡағыҙына ла урын әҙерләй башлағыҙ. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса билдәләйәсәкбеҙ, - ти. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә ниндәйҙер кәмселектәр асыҡланһа, һүҙ былайыраҡ алып барыла: - Ҡаҙаныштарығыҙҙы иҫәпкә алып, етешһеҙлектең осраҡлы булыуына һәм ул тиҙ арала бөтөрөлөүенә ышанып, актты бысратып тормайбыҙ. Етешһеҙлеккә күҙ йомабыҙ, - тип игелек ҡылалар. Ошо рәүешле Хөбөтдиновтың коллекцияһы байып ҡына ҡалмай, ә уны бәлә-ҡазаларҙан, ел-ямғырҙан ҡотҡара бара. Юғарыраҡ вазифаға күсеп ултырыуына ла булышлыҡ итте мөғжизәле стена. Ҡалала хакимиәт башлығы алмашынғайны. Өҫкә үрләттеләр элеккеһен. Яңы хужа эш башлауының тәүге айында үҙ биләмәһе менән танышып йөрөнө. Хөбөтдинов эшләгән мәктәпкә лә инеп сыҡты. Дөйөм алғанда, күргәндәре менән бик ҡәнәғәт ҡалды. Ә инде директор кабинетында маҡтау ҡағыҙҙары теҙмәһенә күҙҙәре төшкәс, оҙатып йөрөгән мәғариф бүлеге начальнигына өндәште: - Уйлайһы, аптырайһы түгел, мына урыныңа кандидатуры, - тип Идеал Салют улының ҡулын ҡыҫты. Элекке хужа үҙе менән төрлө вазифаларҙағы байтаҡ кешене алып киткәйне Өфөгә, бушаған вакансияларҙы тулыландырыу зарураты тора ине шуға. (Дауамы. Башы 3-6-сы һандарҙа). "Киске Өфө" гәзите, №7, 2022 йыл КИРЕ СЫҒЫРҒА + - Яҙылған: 18.02.22 | Ҡаралған: 146 Киске Өфө Иғтибар! "Киске Өфө" гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 5 декабрҙән 15 декабргә тиклемге ун көнлөктә ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2023 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 642 һум 38 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ! МӨХӘРРИРИӘТ. Беҙҙең дуҫтар Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция © 2022 «Киске Өфө» гәзите Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.
Әбйәлил районы Ҡужан ауылындағы йөҙйәшәр өлпәк ҡарағайҙарҙы имгәтеү кемгә кәрәк булғандыр – ғәйеплеһен тапмайынса быны белеп булмай. Ҡарағастарҙың олоно бензинлы бысҡы менән әйләндереп бысып сығылған. Хәҙер уларҙы ҡотҡарып ҡалыу саралары күрелә. Улар тураһында «Башинформ» агентлығына Әбйәлил районы башлығы урынбаҫары Руслан Хәлилов һөйләгән. ҠУЖАН ҠАРАҒАСТАРЫН НИСЕК ДАУАЛАРҘАР? Әбйәлил районы Ҡужан ауылындағы йөҙйәшәр өлпәк ҡарағайҙарҙы имгәтеү кемгә кәрәк булғандыр – ғәйеплеһен тапмайынса быны белеп булмай. Ҡарағастарҙың олоно бензинлы бысҡы менән әйләндереп бысып сығылған. Хәҙер уларҙы ҡотҡарып ҡалыу саралары күрелә. Улар тураһында «Башинформ» агентлығына Әбйәлил районы башлығы урынбаҫары Руслан Хәлилов һөйләгән. Чиновник белдереүенсә, Ҡужан ҡарағастарын дауалауға аҡса бүленәсәк. Урындағы йәмәғәтселәр Мәскәү һәм Өфө ғалимдары менән ошо уникаль 11 ҡарағасты һауыҡтырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшләшкән, әлегә олондарҙағы йәрәхәттәрҙе ыҫмалалап, һауа үтмәҫлек итеп пленка менән уратырға ҡарар ителгән. Ағастар елдә аумаһын өсөн терәүҙәр ҡуйылған. Ҡарағастар эргәһенә райондан, күрше-тирәнән тәбиғәт һөйөүселәр йыйылған, Сибайҙан БДУ филиалы ғалимы Илгиз Һөйөндөков килгән. Ул ағас ҡабығының ныҡлы зыянланыуы эҙемтәләре тураһында һөйләгән. Донъяла бындай осраҡтар булғылаған, әммә дауалау алымдары тураһында бер хәбәр ҙә юҡ икән. Руслан Хәлилов урындағы урман хужалығынан яғыулыҡ-майлау материалдарына, техника ҡуртымлауға кәрәк тиклем аҡса бүленеүе тураһында әйткән. Енәйәтсене асыҡлау маҡсатында тәфтишселәр эшләй. Фото: "Башинформ". Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
* Сәстәрең оҙон, ҡуйы булһын, ҡауаҡтан ҡотолам, тиһәң, кер һабынынан да шәбен тапмаҫһың. Башта шампунь, шунан һабын менән йыуып, аҙаҡ бер нисә тамсы һеркә менән сайҡарға кәрәк. Был ысул майлы сәслеләргә килешер.* Тире йәшәрһен өсөн аҙнаһына 2 тапҡыр кер һабыны менән йыуырға кәрәк. Һуңынан биткә балалар кремы һыларға кәрәк. * Ҡайын миндеген кер һабыны иретмәһендә ебетеп сабыныу тирене таҙарта. * Тымауҙың беренсе билдәләренән үк һабын иретмәһе ярҙам итер, уны мамыҡҡа һеңдереп танау ҡыуышлығын эшкәртергә кәрәк. * Аяҡтағы бәшмәктән бик шәп сара. Щетканы һабынлап боҙолған урынды йыуырға, аҙаҡ йод һөртөргә. * Теш щеткаһын кер һабыны иретмәһе менән эшкәртеп төнгөлөккә ҡалдырырға. Был ысул микробтарҙан ҡотолорға булышыр. * Шеште, биттәге күкте бөтөрөү өсөн һабынды ебетеп тирегә һөртөргә. Быны көнөнә 1-2 тапҡыр ҡабатларға кәрәк. * Эрендән ҡотолоу өсөн. Һуған, шәкәр ҡомо, һабынды 1:1 нисбәтендә алып бутарға. Ошоно йоҡлар алдынан шешеккә һылап бинт менән урарға. * Үксә ярылғандан 1 балғлаҡ сода, 1 аш ҡалағы ҡырылған кер һабыны һалынған 2 литр һыуға төшөрөргә. * Ҡояшта бешкәндә кер һабыны һыларға. Был тиренең ҡыҙарыуынан һәм күпереүҙән ярҙам итер. Интернеттан. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Хушлашырға ашыҡма Фарит Бикбулатов Хушлаштың да китеп барҙың.. Айырылышыу ауыр бит!.. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Ғүмер буйы ярһыу йөрәк! Һине һағынып һулҡылдай. Ағиҙелкәй тулҡын, Сеү, ашыҡма, дуҫым, Айырылышыу ауыр бит... Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр? Нисек ауыр был һыуҙар? Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар... Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Уралым моңдарына Фарит Бикбулатов Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һарылғанмын һағышыңа, Сорналғанмын сәстәреңә, Тамсы булып һарҡылғанмын Һинең ғәзиз йәштәреңә. (2раза) Уралғанмын моңдарыңа, Уйылғанмын уйҙарыңа. Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын Һинең барыр юлдарыңа. Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ, Китә алмаған мин диуанаң. Һин булғастын китеүҙәр юҡ, Китеүҙәр юҡ был донъяна! Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һөйөү менән әйләндем мин Мәңгелеккә, мәңгелеккә Әйҙә Ерем еләйек гелән Изгелеккә, игелеккә.
Бик матур мәҙәни сара булды ул. Һәүәҫкәр таланттарыбыҙ Көйөргәҙе, Федоровка райондарынан, Мәләүез ҡалаһы һәм районынан, Күмертауҙан йыйылғайны. Һәр бер ҡатнашыусы яҡшы итеп әҙерләнеп, сығыш яһарға дәртләнеп килгән. Конкурсанттарҙың туған-тыумасалары ла, дуҫтары ла «Минең йырым» тамашаһын ҡарауҙан ситтә ҡалмаған. Бөтәһе йыр-моңға уғата маһирҙар икән. Һәр береһе үҙенсәлекле итеп сығыш яһаны. Шулай уҡ Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов та, «Арис» телерадиокомпанияһы директоры Алик Сафиулла улы Юлтыев та «Минең йырым»ды ҡарарға тип килгән. Жюри ағзалары: «Пиарперсона»ның директоры Урал Шәфҡәт улы Нуриев, Көйөргәҙе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов, Күмертауҙан Айгөл Исмәғил ҡыҙы Ильясова һәм Көйөргәҙенән Фәнир Саҙретдин улы Малбаевҡа төрлө район, ҡалаларҙан конкурсҡа йыйылған таланттар, һәүәҫкәр артистар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыуы еңелдән булманы. Уларға байтаҡ ҡына һөйләшергә, бәхәсләшергә һәм уртаҡ бер фекергә килергә тура килде. Йырсылар араһынан үҙҙәре шиғыр яҙып, көй һалыусылар ҙа булды. Мәләүездән килгән Фәнил Сафуан улы Яманаев шиғыр, йыр, көйҙәр ижад итә икән. Ул күп тамашасыларҙың күңелен яулап өлгөрҙө. Азамат Килмәтов, гитарала уйнап, «Моңдарыма һине урармын» тигән үҙе ижад иткән йырын йырлап ишеттерҙе. Оҙаҡ барған конкурстың икенсе өлөшө сарала еңеүселәрҙе бүләкләүгә арналды. Гран-при яулаусыларға бүләккә 5000 һум бирелде. Шулай уҡ Алик Юлтыев «Арис» телерадиокомпанияһы исеменән бүләктәр тапшырҙы. Райхана Хафизоваға – микротулҡынлы мейес, Вероника Тютюнниковаға – планшет. «Минең йырым» конкурсы беренсегә ойошторолдо һәм ошо конкурсты йыл да үткәреп торорға, тип ҡарар ителде. Уларында ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр, тип ышанабыҙ. КОНКУРС ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ: 16 йәштән 39 йәшкә тиклем: Гран-при — Гөлнара Хисамова (Күмертау) 1-се урын — Рөстәм Әбсәләмов (Күмертау) 2-се урын — Рәмил Рахманғолов (Күмертау) 3-сө урын — Диана Солтангәрәева (Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы). 40 йәштән 60 йәшкә тиклем: Гран-при— Райхана Хафизова (Мәләүез) 1-се урын — Филүз Юлдашбаев (Федоровка районы Юлдаш ауылы) 2-се урын — Фәнил Яманаев (Мәләүез) 3-сө урын — Азамат Килмәтов (Көйөргәҙе районы Тимербай ауылы) Автор фотоһы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Владимир Путин Санкт-Петербургта эш сәфәре менән булып, Ленинградтың блокаданан сығыуына 77 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған бер нисә иҫтәлекле сарала ҡатнашты. Ил Президенты “Әсә-Тыуған ил” монументына – венок һәм блокада ваҡытында һәләк булған ағаһыерләнгәнТуғандарҡәберлегенәсәскәләрһалды. ИлетәксеһенСанкт-Петербургҡалаһы губернаторы Александр Беглов, Рәсәй Президентының Төньяҡ-Көнбайышфедеральокругындағы тулы хоҡуҡлывәкилеАлександрГуцан, шулайуҡблокадалыЛенинградтайәшәгәнбернисәкеше, ҡаланыобороналауҙаҡатнашҡанветерандароҙатыпйөрөнө. Артабан Владимир Путин монумент эргәһенә йыйылған халыҡменәнаралашты. #ВладимирПутин Фото: vk.com/vladimir_vladimirovichp Автор: Айһылыу Низамова. https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Vladimir-Putin-Sankt-Peterburgta-83179/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Көндәр һыуытыу менән вирустар ҙа әүҙемләшә. Йыл һайын көҙгө, ҡышҡы һалҡындарҙа белгестәр фарингит, ларингит, тонзиллит, трахеит, ринит, ангина, киҙеү, бронхит һәм пневмонияның көсәйеүен билдәләй. Был сирҙәрҙән нисек һаҡланырға мөмкин һуң? Ауырымаҫ өсөн нимә эшләргә? Йыш ҡына, ауырый башлаһаҡ, һал­ҡын алдырҙыҡ, тип уйлайбыҙ. Әммә, белгестәр әйтеүенсә, хәлһеҙ­лек, йүтәлләп сирләү һалҡын тейҙе­реүҙән түгел, ә инфекция йоҡтороуҙан була. Һалҡын ауырыуҙы көсәйтеп ке­нә ебәреүе ихтимал. Шунлыҡтан көн торошона ҡарап кейенеп йөрөү ҙә ҙур роль уйнай. Икенсе сәбәбе – халыҡтың өйкөм-өй­көм булып йөрөүе. Балалар мәк­тәпкә йөрөй, ололар – эшкә. Барыһы ла ҙур бер коллективта, унда иһә вирус таратыусылар ҙа булыуы мөм­кин. Һөҙөмтәлә күмәкләп ауырый башлайҙар. Нисек вирустың организмға үтеп инеүенә юл ҡуймаҫҡа? Ысынында вирустан үҙеңде 100 процентҡа һаҡлап булмай. Бының өсөн кешене барыһынан айырып, инкубаторға урынлаштырырға тура килер ине. Шулай ҙа ҡайһы бер һаҡланыу саралары бар. ✔ Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Өйгә ҡайтҡас, мотлаҡ ҡулдарҙы һабынлап, яҡшы итеп йыуырға онотмағыҙ. ✔ Йәшелсә-емеште лә ашарҙан алда яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Ҡабығын әрсергә мөмкин. ✔ Янығыҙҙа зарарлы микроорганизмдар тупланмаһын өсөн, өйөгөҙҙө, бүлмәгеҙҙе даими рәүештә елләтеп тороғоҙ. ✔ Еүеш сепрәк менән саңын һөртөп, иҙәнен йыуып, өйөгөҙҙө йышыраҡ йыйыштырығыҙ. Саң – зарарлы организмдарҙың яратҡан урыны. ✔ Кешеләр күпләп йыйылған урында йөрөргә тырышмағыҙ. Вирустың күбеһе һауа-һыу юлдары аша күсә. ✔ Оксолин майы хаҡында онотмағыҙ, уны йышыраҡ танауығыҙға һөртөп йөрөгөҙ. Инфекцияның организмға инеү юлының берәүһен булһа ла ябырһығыҙ. ✔ Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатығыҙ. Уның өс төп төрө бар: А, В һәм С. Һуңғы төрө менән бер тапҡыр ауырыһағыҙ, ҡабат уны йоҡтороуығыҙ икеле. Ә бына А менән В төрө үҙгәреп тора. Әлбиттә, прививка тулыһынса һаҡлай, тигән ышаныс юҡ, әммә ауырыған хәлдә сирҙе еңелерәк үткәреп булырына өмөт бар. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренә башлағанда нимә эшләргә? ✔ Вирусҡа ҡаршы дарыуҙар эсә башлағыҙ. Күберәк шыйыҡса эсегеҙ. Лимон, ҡурай еләге менән эҫе сәй эсеүҙең файҙаһы ҙур.
Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, илдә ун йыл эсендә юл-транспорт ваҡиғалары һаны - өстән бер өлөшкә, үлем осраҡтары ике тапҡырға тиерлек кәмегән. Мәғлүмәти пропаганда кампаниялары, водителдәрҙең тәртибенә контроль, уларҙың яуаплылығын көсәйтеү кеүек саралар комплексы быға булышлыҡ итә. Һуңғы ике йылда пандемик сикләүҙәр ҙә күрһәткестәрҙе кәметергә ярҙам итте. Ләкин Башҡортостанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эштәр ул тиклем үк уңышлы түгел. Былтыр, республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, юлдарҙа үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелде. Ул 20 ҡала һәм районда билдәләнде, иң күп һәләк булыусылар Өфө, Күмертау ҡалаларында, Туймазы, Өфө, Әбйәлил, Кушнаренко һәм ҡайһы бер райондарҙа булды. 2021 йылда республика юлдарында 22 бала һәм 458 өлкән кеше һәләк булған, был унан алдағы йылға ҡарағанда 25 кешегә күберәк. Ғәжәп, ләкин был осраҡта юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны кәмегән. - Ғәҙәттә, бөтә ваҡиғаларҙың нигеҙендә кеше факторы ята - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү, ваҡиғаларға еңелсә ҡарау, водителдең иҫерек булыуы, - тип билдәләй республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләренә килгәндә, республиканың баш автоинспекторы һүҙҙәренсә, уларҙың күпселегендә өлкәндәр ғәйепле. Һүҙ водителдәр хаҡында ғына түгел, зыян күргәндәрҙең ата-әсәләре хаҡында ла бара. Улар кәрәкле хәүефһеҙлек сараларын күрмәйҙәр, балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәтмәйҙәр. - Белем биреү йорттарында профилактик эштәрҙе даими алып барабыҙ, әммә, асыҡланыуынса, акцент дөрөҫ яһалмаған: балалар үлеме һанына ҡарағанда, ата-әсәләр менән күберәк эшләргә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Һаҡһыҙлыҡ нимәгә килтереүен түбәндәге осраҡтар күрһәтә. 2021 йылдың мартында Сибайҙа уҡыусы ҡыҙ фажиғә ҡорбаны булды. Ул атаһы менән юл аша сыға, ләкин юл уртаһында ҡапыл алға ынтыла. Шул уҡ йылдың мартында Өфөлә һигеҙ йәшлек малай тәгәрмәс аҫтына эләккән. Ул самокаттағы светофорҙың йәшел сигналына юл аша сығып барған. Май айында Октябрьскийҙа мәктәпкә һуңлап килгән һигеҙ йәшлек ҡыҙ ҡапыл автомобиль алдынан юлға йүгереп сыҡҡан һәм бәрҙереп киткән. Белоретта самокатта йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙы бәрҙергәндәр. Ул машинанан алыҫ түгел юлға сыҡҡан. Өфөлә электр самокаты аша сығып барған 17 йәшлек үҫмер бәрелгән. Был киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан бер нисә осраҡ ҡына. Әлбиттә, был юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһендә водителдәрҙең ғәйебе бар, ләкин балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәһә һәм айыҡ аҡыл менән эш итһә, уларҙы булдырмаҫҡа мөмкин. Әгәр ата - әсәләр балаларын быға тейешле өйрәтһә, һәм уларҙың нисек үтәлеүен күҙәтеп барһа, улар яҡшы аңлар ине. Йәштәрҙе, ғөмүмән, йәйәүлеләрҙе йәнә бер хәүеф һағалай: уларҙың виртуаль донъяға мөкиббән китеүе ҡамасаулай. Ҡайһы бер үҫмерҙәр хатта йәнле урам буйлап гаджетҡа терәлеп йә иһә ярым йомоҡ күҙҙәр менән, тотошлай наушниктарҙа яңғыраған музыкаға бирелеп йөрөргә ғәҙәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә водителдәрҙең машинаны артҡа биреүенә бәйле бик күп юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә. Бигерәк тә бейек кабиналарҙан яҡынайған баланы күреүе ситен булған сүп-сар ташыусы машиналар хәүефле. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» федераль проекты хәүефһеҙлекте арттырыу, юл-транспорт ваҡиғаларын, балаларҙың имгәнеүен иҫкәртеү буйынса сараларҙы күҙ уңында тота. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалауға былтыр федераль ҡаҙнанан 11 миллион һум бүленгән. Көн һайын республиканың үҙәк телеканалдарында эфирға сыҡҡан роликтар төшөрөлгән. Балаларҙың имгәнеүен иҫкәртеү буйынса муниципаль үҙәктәр асыла, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә төрлө саралар уҙғарыла. Ғинуарҙа «Ғаилә - юл хәрәкәте ҡағиҙәләре яҡлауында» республика яңы йыл ғаилә фотоһүрәттәре конкурсы уҙҙы. Мәктәптәрҙә йәш хәрәкәт инспекторҙары отрядтары - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе пропагандалаусы ижади берекмәләр төҙөлдө. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың юлдағы тәртибе уларҙың бер үк ҡағиҙәне бер нисә тапҡыр ҡабатлауына түгел, ә ата-әсәләренең үҙҙәренең тәртибенә бәйле булыуы билдәле. Мәҫәлән, бала атаһының йәки әсәһенең светофорҙың ҡыҙыл сигналына йәки ярамаған урынға юл аша сығыуын күрһә, үҙ-үҙеңде тотоу моделе автоматик рәүештә күсерелә. Балалар башҡаса күрә Тағы ла бер аңлатма бар: ни өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен механик рәүештә ятлау кәрәкле һөҙөмтәләр килтермәүе мөмкин. Психологтар раҫлауынса, йәш үҙенсәлектәренә бәйле балалар юлдағы хәлде өлкәндәрҙекенә ҡарағанда бөтөнләй башҡаса ҡабул итә. 3 - 4 йәшендә сабый машинаны тулыһынса туҡтатыу өсөн күпмелер ваҡыт кәрәклеген аңламай. 6 йәшкәсә балалар шау-шыу сығанаҡтарын насар билдәләй, автомобиль ҡайҙан килеүен тауыштан билдәләй алмай. 7 - 8 йәшкә тиклем балаларҙың «тоннель» күреү һәләте өҫтөнлөк итә: улар эргә-тирәләге предметтарҙы насар күрә. Шуға күрә баланы урам аша сыҡҡанда һулға һәм уңға ҡарарға өйрәтеү мөһим. Кәүҙәгә ҙур булмауы сәбәпле, балаға юлдағы хәлде, водителгә лә уны, айырыуса ҙур габаритлы автомобилдән күреп ҡалыуы ауыр. Балалар хәүефкә башҡаса ҡарай: унауһының туғыҙы, үҙҙәренә табан килгән автомобилде күргәс, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап, урынында ҡатып ҡаласаҡ. Бәләкәй балалар тиҙлеккә ҡарағанда ҙур габариттарҙан ҡурҡа, йәғни әкрен барған «Камаз» уларға тиҙ йөрөгән еңел машинаға ҡарағанда хәүефлерәк тойола. Ә бына ата-әсәләренең машинаһы бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Сөнки уның уйынса, атаһы йәки әсәһе бер нисек тә уға зыян килтерә алмай. БАЛАЛАРҘЫ ЮЛ ХӘҮЕФТӘРЕНӘН ҺАҠЛАЙЫҠ, ҮҘЕБЕҘ УЛАРҒА ӨЛГӨ БУЛАЙЫҠ! (“Республика Башҡортостан” гәзите материалы буйынса әҙерләнде). Автор:Равиля Бардыбаева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Һайлауға барҙығыҙмы әле? Башҡортса бюллетень һорарға онотмағыҙ! Өфө урамдарында йәкшәмбегә һис тә оҡшамаған йәнлелек. Һайлау участкалары иртәнге етелә асылды, байтаҡ кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә өлгөрҙө. Өфө ҡалаһының иҫке өлөшөндә, Зенцов һәм Чернышевский урамдары сатында урынлашҡан мәктәптә йәнлелек урамдан уҡ башлана. Өфө урамдарында йәкшәмбегә һис тә оҡшамаған йәнлелек. Һайлау участкалары иртәнге етелә асылды, байтаҡ кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә өлгөрҙө. Өфө ҡалаһының иҫке өлөшөндә, Зенцов һәм Чернышевский урамдары сатында урынлашҡан мәктәптә йәнлелек урамдан уҡ башлана. Машиналар бөгөн күберәк, урам ҡапҡаһынан бюллетендәр өләшә торған ергә барып еткәнсе ун бишләп кеше осраны. Өс-дүрт полиция хеҙмәткәренең тороуын иҫәпкә алһаҡ, бөгөн бында тәртип булырға тейеш. Һайлаусыларҙы алфавит буйынса хеҙмәтләндерәләр икән. Фамилиямды әйтеп, паспортымды биреүгә, бюллетенде лә тотторҙолар. Бәй, быныһы русса икән, башҡортсаһы юҡмы ни? Өҫтәлдең теге башына: “Башҡортса бюллетень килтерегеҙ”, – тип өндәштеләр. Күҙ алдымда һис бер бәхәсһеҙ гражданлыҡ бурысым еренә еткереп үтәлде. Урамға сыҡҡас, тағы шуға иғтибар иттем, кешеләр һайлау участкаһы урынлашҡан мәктәпкә ыңғайлай ине. Фото: "Башинформ" Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Һәр кем үҙ бәхетенә лайыҡ, тигән һымаҡ, беҙ айырым ғаиләнең шәхси тормошона ҡыҫылыуҙы урынһыҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм ҡайһы бер етешһеҙлектәрен уйын-көлкөгә бормаҡсыбыҙ. Хатта көлөргә һәм хихылдарға сәбәп тә, һылтау ҙа булмаһа ла. ШУЛ ДА БУЛҒАН ТОРМОШ! Хикәйә-көндәлек Дүртенсе көн Бынау Фәриҙә менән Данисты ҡарағыҙ әле. Һин дә мин йәшәп яталар ине, араларынан ҡара бесәй үткән һымаҡ булды. Фәриҙәһе, ҡәйнәһен ҡарап, үҙенең алыштырғыһыҙ икәнлеген иҫбатлағас, Данис та үҙенең Фәриҙәгә мөнәсәбәтен, никахлы ғына булһа ла, үҙгәртте. Фәриҙә иһә, был мөнәсәбәтте ныҡлы, ышаныслы тип тапты һәм үҙенең уяулығын юғалтты. Ауылдан килгән хәйләһеҙ, бер ҡатлы ҡыҙ тәүге хатаһын шулай яһаны. Ғүмер баҡый ҡалала йәшәүселәр мыҫҡыллы ҡиәфәт менән, “ҡыҙҙы ауылдан сығарып була, ләкин ҡыҙан ауылды бер ваҡытта ла сығарып булмай”, тип көлөшһәләр ҙә, Фәриҙә, ҡалала байтаҡ ҡына йәшәү йылдарында йышылып алғайны. Данис та шымды һуңғы арала. Фәриҙәһенә, “мөхәббәтем”, “ҡәҙерлем”, “уңғаным”, “үҫкәнем”, “һин – минең берҙән-берем”, тип өндәшһә лә, әгәр яйы килеп сыҡһа, статусын үҙгәртеп ебәреүгә ҡаршы түгел. Шул да булған тормош! Үҙенә бер ентекләп ҡарағыҙ әле. Тағы нимәгә өмөт итә икән? Эйе, Данис менән Фәриҙә һәүетемсә генә эшләп йөрөйҙәр ине, Фәриҙә эшләгән бүлеккә яңы хеҙмәткәрҙе эшкә ҡабул иттеләр. Хеҙмәткәр генә тип әйтһәң, әҙ булыр, үҙенең ҡиәфәте, буй-һыны, ҡарашы 007-се агент – Джеймс Бондты хәтерләтә. Аһ, уның үлтереп ҡарауҙары! Фәриҙә ултырған бүлмәләге, уның үҙен ҡушып иҫәпләгәндә, дүрт ҡатын-ҡыҙ йоҡонан яҙҙы, тип әйтеү генә аҙ булыр. Эйе, улар йоҡонан түгел, аҡылдарынан яҙҙылар. Был дүрт ҡатын-ҡыҙ эшкә вазифа бурыстарын үтәргә түгел, был “агент”ты күрер өсөн генә йөрөй башланылар. Исемен генә әйтеү ҡатын-ҡыҙҙың һушын алырҙай. “Рафаэль”, – тип таныштырҙы ул үҙен. “Аһ, Рафаэль!” Тик бер үк, магазинда һатылған шоколад һымаҡ йоморо һәм ап-аҡ тәмлекәс менән бутай күрмәгеҙ. Ул килеп инеү менән, бүлмә яҡтыра, таш стеналар күсә һәм иркенәйә, ә түшәм бөтөнләй ҡайҙалыр осоп китә. Рафаэль хаҡында, ысынбарлыҡтан бигерәк, уйҙырмалар күберәк ине шикелле. Шуларҙың иң таралғандарының береһе былайыраҡ яңғырай: ҡайҙалыр эшләгән, хужаның ҡыҙына ғашиҡ булған, уныһы ла битараф булмаған, ләкин хужа берҙән-бер ҡыҙын үҙенең бик бай кампаньонына кейәүгә бирергә булған. Шундай мөхәббәт булған, имеш, Рафаэль, һөйгәнен бәхетле итер өсөн, үҙ теләге менән эшенән китеү хаҡында ғариза яҙған. Бында эшкә урынлашыуға, уңмаған ҡайныһының, йәғни һөйгәненең атаһының, ҡулы уйнаған, тиҙәр. Эйе, урынын да тапҡандар. Кәзә тәкәһен кәбеҫтә баҡсаһына килтереп бикләгән һымаҡ инде. Бында бер түгел, дүрт ҡатын-ҡыҙ, береһенән-береһе гүзәлерәк һәм әрһеҙерәк, төндәр буйы уны үҙенең түшәгендә күреп һаташа. Рафаэль – таш һымаҡ. Килеп керә, эшкә тотона, ә эргәһендә нимә барғанын тоймай, күрмәй, ишетмәй. Әмәлгә ҡалғандай, бер көн Фәриҙәнең машинаһы ватылды. Бында ғына булмай, оҫтаханала ҡарарға кәрәк, тип эвакуаторҙа әлеге “Матиз”ын тейәп, алып киттеләр. Әлеге Фәриҙә, бер ҡатлы ауыл балаһы! Әйтерһең, машинаһы ватылмаған, ә донъя емерелеп төшкән! “Уф, беҙҙең яҡҡа ниндәй транспорт бара икән, әллә такси ғына саҡыртаһымы икән?” – тип кенә үҙ алдына һөйләнде. Рафаэль үҙенең ас бүренеке һымаҡ ҡомһоҙ ҡарашын бер генә ташланы. Фәриҙә ике-өс метрҙа ғына торған аяу белмәгән йыртҡыс ҡарашында яныу ҙа, һағыныу ҙа, осоу ҙа күрҙе һәм ҡурҡышынан күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. Быныһы иһә, ризалыҡ билдәһе ине. Эш сәғәте бөтөүгә, офистан бергә сыҡтылар һәм, бер нигә лә ҡарап тормай, бер кемде лә күрмәй, хатта иғтибар ҙа итмәй автомобилдәр туҡталҡаһына йүнәлделәр. Икенсе көнөнә үк Фәриҙә үҙенең дә машинаһы барлығын онотто һәм тамам уяулығын юғалтты. Уның бөтә мәшәҡәттәрен Рафаэль үҙ өҫтөнә алды һәм еренә еткереп үтәй башланы. Фәриҙә йәшәреп киткәндәй булды. Бүлмәләш хеҙмәттәштәре был үҙгәреүҙе нисек юрарға ла белмәне. Һорауҙар биреп, төпсөшөп ҡарағайнылар, Фәриҙә: “Эх, ҡыҙҙар! Тормоштоң йәмен дә, тәмен дә белмәй, ҡартайып барабыҙ икән”, – тине. Тормош мәңге шулай дауам итер һәм бер тәтрәнеү ҙә булмаҫ, ғашиҡтарҙы, нисек әйтергә, уларҙың бит үҙ ҡурсалаусыһы бар шикелле. Афродита тиҙәрме икән? Офиста эшләгән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар Рафаэлға ҡарата өмөттәрен тамам өҙгәндән һуң, аяҙ көндө йәшен атырлыҡ хәл булды. Кем “тишкәндер” – әлегә билдәһеҙ, тәүҙә Данис бик уйсан һәм күңелһеҙ йөрөнө, тинеләр. Ләкин был уйсанлыҡ тик дауыл алдынан ғына була торған һиллекте хәтерләтеүенә иғтибар итеүсе табылмаған. “Матиз” хәҙер Фәриҙәгә кәрәкмәй. Ул йорт эргәһендә саңға батып ултыра. Ә уның хужабикәһен көн һайын Рафаэль эшкә килеп ала һәм ҡайтарып ҡуя. Бына бөгөн дә күңелле генә итеп эштән сыҡтылар ҙа, ҡайтыр яҡҡа йүнәлделәр. Бик аҙға ғына туҡталдылар. – О, мөхәббәтем! – тине Рафаэль, Фәриҙәне ҡосағына алып. – Ҡасанға тиклем дауам итер беҙҙең бер-беребеҙҙе һағыныуыбыҙ? – ти Фәриҙә, Рафаэлдың ҡосағында иреп. – Оҙаҡламай. – Ҡасан? – Бәлки иртәгә, бәлки иртәгә һуң... – Әйт, – тип төпсөшә ҡатын. – Һин нимә эшләргә уйлайһың? – Мин уйламайым. Мин ошо хәлдән сығыу юлдарын эҙләйем. – Табырһыңмы һуң? – Мин уны таптым инде. – Ә һин нимә көтәһең? – Мин һинең киткәнеңде көтәм... Шул ваҡыт тағы ла йәшен йәшнәне, донъя емерелеп төштө. Водитель яғындағы ишек асылып китте һәм, шат йылмайып, Данис пәйҙә булды. – Ха-ха-ха! – тине ул, мәкерле көлөп. – Ә мин аптырайым, ни эшләп “Матиз” көн һайын урынында ултыра икән, тип. Ә һин шәхси водитель тапҡанһың икән! Оятһыҙ! Үҙе туҡтауһыҙ видеоға төшөрә. Кейенгәндәрен көтһә, ни булған икән? Ситтән ҡарап, күҙәтеүселәргә бик ҡыҙыҡ күренгәндер инде: салон эсендә баһадир кәүҙәле берәү менән кейенеп аҙапланыусы ҡатын һәм автомобиль тирәләй юрғалап йөрөүсе бәләкәй генә буйлы ир. – Талаҡ! Талаҡ! Талаҡ! – тип ҡысҡыра ул. Баһадир машинанан сыҡты һәм Данисты эләктереп алды. – Ныҡ һөрәнләмә! Беҙ улай һөйләшмәнек! – тип бышыданы ул Данистың ҡолағына. – Аҡсаңды килтер, юғиһә, бынау ҡоймаға элеп ҡуям. Данис ҡып-ҡыҙыл бер төргәкте тегенең ҡултығына ҡыҫтырып ҡуйҙы. Дауамы бар. ––––––––––––––––––– Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы" Автор:Р. ҒӘЛИМОВ Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Ҡашҡа мәҙәниәт йортонда оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй, һәүәҫкәр шағирә Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы Латыпованың 70 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр «Йәнтөйәк» -30 °С Болотло Антитеррор75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Театр йылы 20 Декабрь 2018, 17:30 Ҡашҡа мәҙәниәт йортонда оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй, һәүәҫкәр шағирә Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы Латыпованың 70 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр Бөгөн Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда бик матур сара үтә. Урында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сания Сәлихова инициативаһы менән ауыл Советы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп ойошторолған сара сиктәрендә ауылдың абруйлы ағинәйе, күп йылдар ветерандар советы рәйесе булған, һәүәҫкәр шағирә, биш бала әсәһе Мауза Фәйзелғаян ҡыҙы Латыпованың 70 йәшлек оло юбилейын билдәләйҙәр. Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән Мауза Фәйзелғаян ҡыҙын ауыл Советы хакимиәте башлығы Ҡәнәфи Шакируллин, район үҙәгенән килгән етәкселәр, ауылдаштары һәм балалары, туғандары ихлас ҡотлап, иң матур һәм иң изге теләктәрен еткерҙе. Сания Зәйнулла ҡыҙы нәфис һүҙ, күңелдәргә үтеп инерлек шиғыр юлдары менән сценарий төҙөп, үҙе үк алып барған байрам кисәһе йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, тәбрикләүҙәр, спектаклдән өҙөк сәхнәләштереү менән аралаштырып барҙы. Автор фотоһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
79-сы янғын һүндереү часы етәксеһе Шамил Зәйнәғәтдинов хәбәр итеүенсә, ауыл эргәһендә үлән янып китә. Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына ут ағастарға, унан инде йорттарға күсмәй ҡала. Утты күреп ҡалыу менән Тимофей менән Александр көрәк ала ла квадроциклға ултырып янғын урынына ҡуҙғала. Ул арала янғын һүндереүселәргә лә хәбәр итәләр. 9 А класында белем алған был үҫмерҙәрҙең уяулығы һәм батырлығы арҡаһында ут ауылға килеп етмәй. Янғын һүндереүселәр һәм ауыл халҡы малайҙарға ҙур рәхмәтен еткерә. Фото һәм мәғлүмәт “Иглин хәбәрҙәре” гәзитенән алынды. Малайҙар бөтә ауылды ҡотҡара Автор:Лилия Нуретдинова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 5 мартта эш сәфәре менән Мәскәүҙә булып ҡайтты. Бында ул РФ субъекттарының социаль-иҡтисади үҫешен баһалау параметрҙарын камиллаштырыу мәсьәләһе һәм Волга буйы федераль округының мәғлүмәт-аналитика системаһын булдырыу перспективалары буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты. Кәңәшмәне РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота алып барҙы. Кәңәшмәлә Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач, Волга буйы төбәктәренең дәүләт власы органдары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар дәүләт идараһы һөҙөмтәлелеген күтәреүгә булышлыҡ итеүсе хәҙерге заман технологияларын индереүҙең, атап әйткәндә, төбәк хакимиәттәре эшмәкәрлегендә яңы мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу менән бәйле төп йүнәлештәрҙе тикшерҙе. Башҡортостан илдә "БР социаль картаһы" кеүек прогрессив системаны ғәмәлгә ашырған берҙән-бер төбәк булыуы билдәләнде. Шул уҡ көндө БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, РФ финанс министры Алексей Кудрин менән осрашты. Унда Башҡортостан Республикаһының төрлө федераль инвестицион һәм социаль программаларҙа ҡатнашыуы менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Республика предприятиеларына кредит биреүҙе киңәйтеү, Башҡортостан биләмәһендә юл селтәрен үҫтереү, федераль бюджеттан республика социаль учреждениеларын тотоуға өҫтәмә трансферттар бүлеү мәсьәләләре ҡаралды. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Хоҡуҡ департаментында РФ Хөкүмәтенең оборона комплексы предприятиеларына, шулай уҡ республиканың юл, транспорт һәм ауыл хужалығы техникаһы етештереүсе предприятиеларына ярҙам итеүгә ҡағылышлы бер нисә документ әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Эш сәфәрендә Раил Сарбаевты БР Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров оҙатып йөрөнө. 10 мартта Раил Сарбаев Мәскәүҙә РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, сәнәғәтте һәм энергетиканы үҫтереү мәсьәләләре менән етәкселек итеүсе Игорь Сечин менән осрашты. Осрашыуҙа республика предприятиеларына, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге предприятиеларға дәүләт ярҙамы мәсьәләләре тикшерелде. Әңгәмә барышында Күмертау авиация производство предприятиеһын, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһен яңыртыуға финанс ярҙамы айырып күрһәтелде. Автор:БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте Теги:раил сарбаевмәскәүкәңәшмә Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Йыл һайын йылытыу осоро етеү менән мейесте дөрөҫ ҡормау һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле, район-ҡалала уртаса 15-20 янғын теркәлә. Хужалыҡ ҡаралтылары, мунса, һарайҙар ғына түгел, йорттар ҙа яна. Йыл һайын йылытыу осоро етеү менән мейесте дөрөҫ ҡормау һәм уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле, район-ҡалала уртаса 15-20 янғын теркәлә. Хужалыҡ ҡаралтылары, мунса, һарайҙар ғына түгел, йорттар ҙа яна. Быйыл 15 янғын сыҡҡан. Бәхетһеҙлек осрағын иҫкәртеү маҡсатында янғын күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Раил Ғайсин кәңәштәр бирә: - Бәлә сыҡмаһын өсөн, мейесте ҡорғанда һәм файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Янғындың төп сәбәптәре: - мейес алдында тимер булмауы; - яғып ебәреү өсөн бензин, кәрәсин һәм башҡа тиҙ тоҡаныусан шыйыҡса ҡулланыу; - кирбестәр араһында ярыҡтар барлыҡҡа килеү; - мейес янында кейем һәм башҡа әйбер киптереү. Мейесте хәүефһеҙ файҙаланыу талаптары: - мейесте төҙөүҙе, ремонтлауҙы тәжрибәле оҫталарға ғына ышанып тапшырығыҙ; - миҙгел башланыр алдынан йылытыу ҡорамалдарының төҙөклөгөн ныҡлап тикшерегеҙ; - боҙоҡ приборҙарҙың хәүеф сығанағы булыуын онотмағыҙ; - төтөн юлын һөрөмдән, сүптән таҙартығыҙ. Был эште һалҡындар башланғансы башҡарығыҙ һәм һуңынан өс айға бер тапҡыр ҡабатлағыҙ; - иҙәндә, мейес алдында 50х70 сантиметр ҙурлығында тимер беркетелһен. Мөрйәнән осҡондар сығыуы – хәүефле сигнал. Тимәк, һөрөмгә ут тоҡаныу ҡурҡынысы ҙур. Бындай күренеш, ғәҙәттә, янғын менән тамамлана, шунлыҡтан һүндереү ҡорамалдары булдырыу һәм һөрөмдән таҙартыу талап ителә. Мейесте артыҡ ҡыҙыу яғыу ҙа янғынға килтерә. Һәр эштә сама кәрәк – үтә һалҡындарҙа ла аҙлап яғығыҙ. Ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, был бурысты балаларға йөкмәтмәгеҙ. Бензин, кәрәсин ҡулланмағыҙ. Мейескә яҡын утын, кер, аяҡ кейеме һәм башҡа әйбер киптермәгеҙ. Сарлаҡта стеналарҙы һәм төтөн торбаларын аҡларға кәрәк. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген уйларға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы уҡытыусыһы Гүзәл Сәлимйәноваға РФ Президенты Дмитрий Медведев рәхмәтен белдерҙе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2011 йылдың авгусындағы 547-рп һанлы бойороғонда Гүзәл Фәрит ҡыҙы «эшендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн» ил башлығының рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды, тиелә. «Башинформ» агентлығына Гүзәл Сәлимйәнова хәбәр итеүенсә, хеҙмәт өлкәһендә лә, РФ Президенты Хакимиәтенән дә уның әлегә тиклем бындай рәсми документтар алғаны юҡ. Һәм ил башлығы үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен үткән йылдың ноябрь айында Мәскәүҙә уҙғарылған «Туған тел уҡытыусыларының бөтә Рәсәй мастер-класы»ның профилле номинацияһында, йәки башҡа һөнәри ярыштарҙа уңышлы сығыш яһауы айҡанлы белдергән, тип уйлай. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Гүзәл Сәлимйәнова – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2010» төбәк-ара конкурсында Гран-при лауреаты, «Башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу» инновацион методикалар йыйынтығы авторы, педагогтарҙың һөнәри конкурстарында әүҙем ҡатнашыусы. Гүзәл Фәрит ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының филология факультетын 1993 йылда тамамлай, хеҙмәт биографияһы туған мәктәбендә эшләү менән бәйле. Уның ғаиләһендә йәнә бер нисә педагог бар. Автор:Шамил Вәлиев Теги:наградалар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Гонаһтарға үкенеп, тәүбә һәм истиғфар ҡылыу өсөн уҡыла торған рәҡәғәтле нәфел намаҙы ул.Тәүбә намаҙын үтәгәс, ошондай истиғфар уҡыла: «Әстәғфирул-лаһ, әстәғфирул-лаһ. Әстәғфирул-лаһа тәғәлә мин күлли ҙәнбин әҙнәбтүһү ғәмдән, әү хатаъән, сирран әү ғәләниййәтән үә әтүбү иләйһи минәҙ-ҙәнбил-ләҙи әғләмү үә минәҙ-ҙәнбил-ләҙи лә әғлмү иннәкә әнтә ғәлләмүл ғүйүб». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарымдың һәр ҡайһыһын ярлыҡауҙы үтенәм. Белеп ҡылған гонаһтарымды ла, белмәй ҡылған гонаһтарымды ла, аңһыҙлыҡтан ҡылған гонаһтарымды ла, аңлы рәүештә ҡылған гонаһтарымды ла ярлыҡауынды үтенәм, Аллаһ. Гонаһтарымдың бөтәһенән дә тәүбәгә киләм, үкенеү менән тәүбә итәм. Әй, Аллаһ, һәр бер ғәйебемде белеүсеһен. Twitter Digg Facebook Delicious StumbleUpon Эта запись написана автором Назир Сабитов, 12.07.2017 в 02:17, и размещена в категории Доғалар һәм намаҙ. Следите за ответами на эту запись с помощью RSS 2.0. Вы можете написать комментарий или разместить обратную ссылку на своем сайте. Ошо сайтта кәрәк мәғлүмәт эҙләр өсөн, аҫҡы юлға, мәҫәлән: башҡорт, – тип яҙһағыҙ шул биттәр асыла Ошо аҫтағы *поиск* юлға кәрәк һорау (мәҫәлән: доға (ошо һүҙҙе копировать итеп)) яҙһағыҙ – шул биттәр асыла
БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНДАРЫНДА УҢЫШЛЫ100 БАЛ ЙЫЙҒАН УҠЫУСЫ ӨСӨН ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТОНА ИНЕРГӘ КИҢ МӨМКИНСЕЛЕКТӘР АСЫЛА -24 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 24 Март 2021, 09:10 БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНДАРЫНДА УҢЫШЛЫ100 БАЛ ЙЫЙҒАН УҠЫУСЫ ӨСӨН ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТОНА ИНЕРГӘ КИҢ МӨМКИНСЕЛЕКТӘР АСЫЛА Уҡыу алдынғыһы һәм әүҙем студент, химия фәнен 100 балға тапшырған, Анна Попова Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты студенты берҙәм дәүләт имтихандары тураһында: ... Имтихандарҙы йөҙ балға тапшырыу өсөн көн һайын ҡатмарлы тест һорауҙарын үҙ аллы яҙҙым, белем кимәлен тикшергән, мәғлүмәтен системаға һалдым. Берҙәм дәүләт имтихандарына ике йыл әҙерлек барышында махсус система уйлап таптым. Көн һайын ҡатмарлы тестарға яуаптар яҙҙым. Был тестар белем кимәлемде күрһәтергә һәм яҡшы уҡыусылар рәтендә булырға ярҙам итте. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Субсидияны әҙер торлаҡ, яңы төҙөлгән фатир һатып алыуға, йорт һалыуға, ипотека йәки тәүге иғәнәне түләүгә тотоноп була. Сибайҙа туғыҙ йәш ғаилә йорт туйлай Яҙғы матур байрам алдынан Сибай ҡалаһында ҡыуаныслы ваҡиға булды: хакимиәт башлығы Рөстәм Афзалов туғыҙ йәш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға таныҡлыҡтар тапшырҙы. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” айырым маҡсатлы ведомство программаһына ярашлы атҡарылды. Таныҡлыҡ ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки йорт һалыуға субсидиянан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Бөтә иҫәп-хисап банк аша ҡулаҡсаһыҙ тормошҡа ашырыла. Субсидияны әҙер (икенсел) торлаҡ, яңы төҙөлгән фатир һатып алыуға, йорт һалыуға, ипотека йәки тәүге иғәнәне түләүгә тотоноп була. Бәхетле ғаиләләр араһында Дилә һәм Фирғәт Ҡотлоғоловтар ҙа бар. Улар Тимур, Рәмил һәм Айгөл исемле балалар үҫтерә. "Сертификатты оҙаҡ көттөк, йәш ғаилә булараҡ, башҡа ташламаларҙан ҡалып бөттөк, шулай ҙа моратыбыҙға өлгәштек: күп балалы ғаиләгә әүерелдек, ғаиләбеҙгә биҙәк өҫтәп ҡыҙыбыҙ тыуыуы был тәңгәлдә эште ҡуҙғатты, сиратыбыҙ шундуҡ алға күсте һәм, ниһайәт, таныҡлыҡ беҙҙең ҡулда! Өс бүлмәле фатир һатып алырға иҫәп", - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты күп балалы әсә Дилә Батыр ҡыҙы. Шулай уҡ башлыҡ ҡулынан Эльвира Хәйбуллина, Гөлназ һәм Мөнир Яҡшымбәтовтар, Луиза менән Илмир Матиновтар, Гөлсинә һәм Айнур Йәрмиевтәр, Нәсимә Ҡәйепҡолова, Фирүзә менән Нурбулат Халиҡовтар сертификат алды. Әйткәндәй, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дәүләт программаһында әлеге көндә сиратта Сибай ҡалаһынан бөтәһе 353 йәш ғаилә тора, уларҙың 40-ы - күп балалы. Фото: Ирина Корепанова. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Сибайҙа туғыҙ йәш ғаилә йорт туйлай Автор:Карима Усманова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. Башҡортостан китап нәшриәте, 1991 йыл. "Исемдәр донъяһында" тигән китабын Таңһылыу Кусимова мосолман дини күҙлегенән сығып төҙөмәгән, әммә балаға ниндәй исем ҡушырға тип, башҡорт исемдәрен һайлағанда, йәш ата-әсәләргә кәрәк булыр. Китаптың төп маҡсаты — балаға исем һайлауҙа ата-әсәләргә ярҙам итеү. Шуның менән бергә, был хеҙмәт киң ҡатлам уҡыусыларҙы хәҙерге һәм боронғо башҡорт исемдәре, уларҙың тарихы, исем ҡушыу йолалары менән таныштыра. Исемдәрҙең яҙылышы, аңлатмалар һәм белешмә материалдар ике телдә — башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә. Мышка ярҙамында өрөлтөп аҫтағы китапты тулыһынса уҡығыҙ. Уң яҡта, өҫтәге ҡара стрелкаға баҫып китапты ҙурайтығыҙ.  башҡорт исем Twitter Digg Facebook Delicious StumbleUpon Эта запись написана автором Назир Сабитов, 16.12.2020 в 21:25, и размещена в категории Пдф (pdf) китаптар. Следите за ответами на эту запись с помощью RSS 2.0. Вы можете написать комментарий или разместить обратную ссылку на своем сайте. Ошо сайтта кәрәк мәғлүмәт эҙләр өсөн, аҫҡы юлға, мәҫәлән: башҡорт, – тип яҙһағыҙ шул биттәр асыла Ошо аҫтағы *поиск* юлға кәрәк һорау (мәҫәлән: доға (ошо һүҙҙе копировать итеп)) яҙһағыҙ – шул биттәр асыла
Ҡапыл ғына баш ауырта башлаһа, тиҙерәк баш кейемен һалырға кәрәк. Шулай эшләһәң, ҡан тамырҙарына баҫым кәмей, кислород яҡшыраҡ үтеп инә башлай. Ҡапыл ғына баш ауырта башлаһа, тиҙерәк баш кейемен һалырға кәрәк. Шулай эшләһәң, ҡан тамырҙарына баҫым кәмей, кислород яҡшыраҡ үтеп инә башлай. Бер стакан йылы һыу эсеү файҙалы булыр, ул ҡан тамырҙарын киңәйтәсәк, ҡанды шыйыҡлатыр. Ауыртыу һаман да баҫылмаһа, күҙҙе йомоп, тыныс ҡына ятып тороғоҙ. Ятҡан килеш бармаҡтарға, ике ҡолаҡҡа ышҡый-ышҡый массаж яһарға була - был да ҡан тамырҙары киңәйеүгә булышлыҡ итер. Ауыртыу баҫылмаһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ, былай эшләп ҡарағыҙ: - лимон йомшағын 2-3 минутҡа сикәләргә ҡуйып тороғоҙ; - бер стакан йылы һыуға бер лимон һутын һығып эсегеҙ; -аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла кәбеҫтә һуты эсеү баш ауыртыуҙан һаҡлай; -сикәгә 5-10 минутҡа кәбеҫтә япрағы ҡуйып тороу ҙа ярҙам итер. Фото: интернет Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә һәр ваҡыттағыса үткән аҙнаның ғәҙәттән тыш хәлдәре тикшерелде. Бар республиканы тетрәндергән янғын 18 ноябрҙә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында булғайны. Бында янғында ете кеше – тотош бер ғаилә һәләк булды. Ғаилә башлығы ике игеҙәк малайын уттан сығара һәм башҡа биш балаһын да ҡотҡарырға теләп, кире янған йортҡа инеп китә һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире сыға алмай. Бишәр йәшлек игеҙәк малайҙар иҫән ҡалды. Бөгөн кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был атайҙы үлгәндән һуң бүләкләргә тәҡдим итте. – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән бергә ҡарағыҙ. Әйҙәгеҙ, беҙ уны үлгәндән һуң бүләкләйек. Ул батырлыҡ күрһәтте. Балаларының һәм үҙенең һәләк булыуы үкенесле, әммә уның ике малайы ҡалды. Атай кешенең ғүмерен ҡорбан итеүе балалар өсөн бик мөһим. Быны эшләргә кәрәк тип уйлайым. Уның өлкән ҡыҙы ҡалған, шуға күрә ҡарарбыҙ. Ҡот осҡос фажиғә. Ғәҙәти имен ғаилә булған, был фажиғәле осраҡлыҡ, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы төбәктә янғындарҙы иҫкәртеү буйынса эште көсәйтергә ҡушты. Фото: Телеграм. https://bashgazet.ru Аталары үлгәндән һуң наградланасаҡ Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһына ярашлы сентябрҙең бер шәмбеһендә ҡалала һәм районда экология акцияһы үтте. Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙе тәбиғәт объекттарын көнкүреш сүп-сарынан һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарынан таҙартыу өсөн бер командаға туплау маҡсатында ойошторолған күләмле проект дөйөм йортобоҙҙа дөйөм көс менән тәртип булдырыуға булышлыҡ итте. Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһына ярашлы сентябрҙең бер шәмбеһендә ҡалала һәм районда экология акцияһы үтте. Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙе тәбиғәт объекттарын көнкүреш сүп-сарынан һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарынан таҙартыу өсөн бер командаға туплау маҡсатында ойошторолған күләмле проект дөйөм йортобоҙҙа дөйөм көс менән тәртип булдырыуға булышлыҡ итте. Дәүләкәндә скверҙар һәм парктар, шишмәләр күп, Дим буйҙары ғына ла ни тора! Димгә барып ҡойғансы Мораҙым йылғаһы ҡала буйлап ағып килә. Йыйыштырыу өсөн тап ошо йылғаның һайланыуы осраҡлы түгел ине. Иртәнге сәғәт унға Энгельс урамына халыҡ күп йыйылды. Хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, ирекмәндәр, ҡала халҡы ҡулдарына кәрәкле эш ҡоралдары, балта-бысҡылар тотоп Мораҙым йылғаһы буйына килде. Бер аҙҙан Мораҙым буйы бысҡы тауыштарына күмелде. Акцияла ҡатнашыусылар ҡый үләндәрен, ҡырҡылған ағас-ҡыуаҡтарҙы машинаға тейәп сүп-сар түгеү урынына оҙатыу өсөн уларҙы асыҡ ергә ташыны. Был ауыр эште нигеҙҙә ир-егеттәр башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙар йылға ярҙарын таҙартты, сүп-сарҙы тоҡтарға йыя барҙы. Сүп-сар күп ине, шуға тоҡтар буш шешәләр, төрлө ҡаптар, иҫке полиэтилен тоҡсайҙар, башҡа ҡалдыҡтар менән тулып ҡына торҙо. Ошо айҡанлы шуны әйтәһем килә, бында сүп-сар үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Ҡый үләндәре, ярай, тәбиғәт күренеше, уны ла ваҡытында ҡарап, йолҡоп торорға була, ә бына буш шешәләр, банкалар һәм башҡалар кеше ҡулдарының эше. Ҡайһы бер кешеләр үҙ ҡылығы өсөн яуаплылыҡ тоймай әле. Улар йылғаға, йылға ярҙарына, аҡландарға сүп-сар түгеүҙе бер ни тип тә белмәй. Был, әлбиттә, ял итеү урындарын биҙәмәй. Саф һауа, таҙа һыу, матурлыҡ һәм гүзәллек бүләк иткән тәбиғәтебеҙгә шундай кире ҡараш иң элек үҙ-үҙебеҙҙе хөрмәт итмәү билдәһе. Мәҙәниәтле, тәрбиәле кеше үҙе йәшәгән ерҙе бысратмай. Беҙ ҡала фатирҙарында һәм йорттарҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла йәшәйбеҙ. Йәшәгән еребеҙҙең санитар торошо буйынса унда йәшәүселәр хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Бында беҙҙең балаларыбыҙ үҫә, улар шәхси өлгөнө үҙҙәренә ҡабул итеүсән. Тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы һәм төҙөклөгө тураһында хәстәрлек күреп, беҙ балаларыбыҙға өлгө күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, донъяны матурыраҡ һәм яҡшыраҡ итәбеҙ. Тәртип булдырыусылар буйынса энтузиастарҙың бер нисә сәғәт эшләүе Мораҙым йылғаһы ярҙарын һәм үҙәнен таҙартыу мәсьәләһен тулыһынса хәл итмәне, әлбиттә, әммә ярайһы матурланып ҡалды. Сүп-сарҙан, юлын быуып ятҡан ағастарҙан таҙартҡандан һуң инеш үҙенә ярҙамға килгән кешеләргә рәхмәт уҡығандай, күңеллерәк сылтырай башлаған һымаҡ тойолдо. Был көндө Дим йылғаһы ярҙарын, Чкалов урамындағы законһыҙ сүп-сар түгеү урынын, “Ҡояшлы” паркын йыйыштырыуҙа ҡатнашыусылар ҙа тырышып эшләне. Акцияла 777 кеше ҡатнашты, 145 кубометр сүп-сар йыйылды. Ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр ҙә күләмле саранан ситтә ҡалманы. Район ауылдарын уратып алған хозур тәбиғәтебеҙ ҙә ярҙамға һәм һаҡсыл мөнәсәбәткә мохтаж. Бер нисә йыл элек Көрмәнкәй ауылы эргәһендә 1,5 гектар майҙанды биләгән элекке сүп-сар түгеү урыны тирә-яҡ күренешен боҙоп тора ине. Ул инде бер нисә йыл элек ябылды. Әммә ҡалған сүп-сар тирә-яҡҡа таралып, йәмһеҙ күренеш барлыҡҡа килтерҙе. Өҫтәүенә ҡайһы бер кешеләр унда көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеүен дауам итте. Акция сиктәрендә ауыл активистары Рима Рәхимова, Мөҙәрис Хәкимов, Илфат Вәлиев, Евгений һәм Альбина Нестеренко, Айтуған Булатов, Рәил Иҫәнғужин, Рәфис Сәлихов, Суфия Арыҫланова, Хәләф Әсфәндийәров шәхси эшҡыуар крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Хөснөтдинов тарафынан бирелгән транспортҡа йыйылған барлыҡ сүп-сарҙы тейәне. Киләсәктә улар ҡый үләндәрен сабып, ошо территорияны төҙөкләндерергә уйлай. - Күтәренке кәйеф менән эшләнек, - тинеләр көрмәнкәйҙәр. – Ауылыбыҙ күркәм булһа үҙебеҙгә яҡшыраҡ бит. Ошондай акцияларҙа күберәк кеше ҡатнашыуын теләйбеҙ. Беҙҙә тырыш, намыҫлы кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, ирле-ҡатынлы Ғүмәр һәм Әлфиә Ғүмәровтар урындағы зыяратты ҡарап, тәрбиәләп тора. Соколовка ауылы Дим йылғаһы яры буйына ултырған. Акцияла ҡатнашыусыларҙың төп бурысы ике километрҙан ашыу оҙонлоҡта йылға ярын таҙартыу ине. Был иҫке күперҙән ауылға тиклемге ара. Соколовкалар ял итеүселәр ташлап ҡалдырған көнкүреш ҡалдыҡтарын таҙартты. Тәбиғәттә ял иткәндән һуң үҙең артынан йыйыштырып китергә кәрәклеген башланғыс класс уҡыусылары ла белә. Әммә үҙеңде тәбиғәттә тотоу ҡағиҙәләре өлкәндәр яғынан бөтөнләй күҙәтелмәй. Улар дөйөм ял урындарында буш шешәләр, аҙыҡ-түлек ҡаптары, башҡа сүп-сар ҡалдырып китә, шуның менән үҙенең тәрбиә кимәлен күрһәтә. Таҙалыҡ көнөндә тағы ла бер мөһим объект Асылыкүл булды. Уның ярҙары ла ял итеүселәрҙең вайымһыҙлығынан “яфалана”. Яҡын ауылдарҙа йәшәүселәр, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре Асылыкүл ярында тәртип булдырҙы. “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенең Дәүләкән филиалы хеҙмәткәрҙәре өсөн экология акцияларында ҡатнашыу – күптәнге йола. Шәмбе өмәһендә ҡатнашыусылар менән бергәләп улар ҙур территорияла йәй буйы өйөлгән сүп-сарҙы йыйҙы. Акция сиктәрендә бөтә ауылдарҙа ҙур эш башҡарылды. Ҡайҙалыр зыяратты тәртипкә килтерҙеләр, ҡайҙалыр законһыҙ сүп түгеү урындарын йыйыштырҙылар, тәбиғәт сығанаҡтары, йылғалар, шишмә, быуа буйҙарын таҙарттылар, балалар майҙансыҡтарындағы ҡый үләндәрен саптылар. Был көндө ауыл биләмләрендә йәмәғәт эшенә 1600-ҙән ашыу кеше йәлеп ителде, 290 куб.метр сүп-сар йыйылды. Акцияның “Эшләйбеҙ!” тигән саҡырыуына ҡушылып, беҙҙең ҡалала һәм районда йәшәүселәр ысынлап та ҙур һәм мөһим эш башҡарҙы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Айгиз Баймөхәмәтовтың етем балалар хаҡында «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы булды. Ижади осрашыуҙар Башҡортостан студенттары ассоциацияһы башланғысы буйынса ойошторолдо. Йәш яҙыусы менән аралашыу өсөн олоһо ла, кесеһе лә килде. Автор үҙе һөйләүенсә, уға китаптың яҙылыу тарихы, киләсәккә ижади пландары тураһында байтаҡ һорау биргәндәр. Сараны Сибай филармонияһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовтың сығышы биҙәне. Уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙарын тыуған төйәгенән ситтә йәшәгән башҡорттар тын да алмайынса тыңланы, тип билдәләне Айгиз Баймөхәмәтов. Осрашыуҙан һуң яҙыусы автограф таратты. «Йәш яҙыусының ижады хөрмәткә лайыҡ, — тине Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары ассоциацияһы рәйесе Азат Бәҙрәнов. — Шуныһы ҡыуаныслы: башҡорт авторының әҫәре рус, татар, сыуаш теленә тәржемә ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй йәмғиәте өсөн социаль етемлек темаһы бик мөһим, шуға күрә китап бер кемде лә битараф ҡалдырманы». Санкт-Петербургтағы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Люция Буканова киләсәктә бындай осрашыуҙарҙың йышыраҡ үткәреләсәгенә ышаныс белдерҙе. Айгиз Баймөхәмәтов — башҡорт яҙыусыһы һәм журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. «Ҡалдырма, әсәй!» китабы Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 20 мең дана тираж менән донъя күрҙе. Республиканың 20 районында уның исем туйы уҙҙы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында повесть буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакле сәхнәләштерелде. Теги:әҙәбиәт Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением. ОК «Алдар менән Зөһрә» хикәйәте: башҡорттарҙы берләшеүгә саҡырыу «Алдар менән Зөһрә» хикәйәте – башҡорт халҡының эпос традицияһында яҙылған ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы. Хикәйәттә тарҡау башҡорт ырыуҙарын берләштереү өсөн көсөргәнешле көрәш барған иртә феодаль ҡоролошҡа ҡағылышлы ваҡиғалар тураһында һүҙ бара. Башҡорт эпосының рус теленә тәржемәһе беҙҙең көнгә тиклем 1961 йылда Рәсәй милли китапханаһы фондтарында Өфөнән әҙәбиәт белгесе Морат Рәхимҡолов тапҡан билдәһеҙ автор ҡулъяҙмаһы арҡаһында килеп еткән. «Мои вечера. Сказки башкирские» тип аталған ҡулъяҙма әле лә ошо китапханала һаҡлана, ә фотокүсермәһе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Ғилми китапханаһында. Хикәйәттең башы һәм һуңғы биттәре юғалған. Ҡулъяҙма авторына бәйле әле һаман берҙәм фекер юҡ, фараздар ғына бар. Әммә бөтә тикшеренеүселәр ҙә был эпостың башҡорт халҡының иң әһәмиәтле ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары иҫәбенә инеүен таный. «Алдар менән Зөһрә» эпосында нимә тураһында һүҙ бара «Алдар менән Зөһрә» хикәйәте ҡыйыу Алдар батырҙың данлы эштәре һәм көс-ғәйрәттә унан ҡалышмаған Зөһрә исемле ҡыҙ менән мөхәббәте тураһында бәйән итә. Алдар дала халҡының (ете ырыуҙың) етәксеһе булһа, Зөһрә – ул ваҡыттағы башҡорт ерҙәренең төньяҡ-көнбайышында йәшәгән урман халҡы башлығының ҡыҙы. Ул заман өсөн көнүҙәк булған ырыу һәм ҡәбиләләрҙе берләштереү идеяһы ике ҙур ырыу союзы вәкилдәрен өйләндереүҙә сағылыш тапты. Эпоста халыҡ тормошоноң ысынбарлыҡтағы торошо киң яҡтыртыла: ғөрөф-ғәҙәттәр, күсмә халыҡтарҙың көнкүреше һәм хужалыҡ тәртибе, уларҙың йолалары һәм дине, ябай һәм байрам көндәре, шул иҫәптән спорт ярыштарында ҡатнашыу һәм хәрби көрәш төрҙәрен күрһәтеү ҙә бар. Уҡыусы халыҡ өсөн мөһим булған һуғыш һәм тыныслыҡ мәсьәләләренең нисек хәл ителеүен дә, нисек итеп ырыу башлыҡтары һәм батырҙарының йыйынға йыйылыуы тураһында ла өйрәнә. Башҡорттарҙың күршеләр – Болғар ханлығы, нуғайҙар, ҡарағалпаҡтар, төркмәндәр менән үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында бәйән ителә. Бөтә халыҡтар ҙа тыныслыҡта һәм татыу йәшәргә, дошманлашырға түгел, ә бер-береһенә ярҙам итергә тейеш, тигән фекер үткәрелә. «Алдар менән Зөһрә», эпиклыҡҡа тартым булыуға ҡарамаҫтан, үҙенә күрә халыҡ романы ул. Уның композицион үҙенсәлеге хикәйә эсендә хикәйә кеүек уникаль форманан ғибәрәт. Хикәйәт башында тол ҡалған һәм өс улын юғалтҡан, әммә туғандары кәңәше менән Ҡыҙрастың ҡыҙы Зөһрәгә өйләнергә ниәтләгән урман халҡы башлығы Аллабирҙе тураһында һүҙ бара. Өҫтәүенә ҡатын да тол ҡалған була. Артабан Зөһрәнең монологы – һынауҙар менән тулы ябай булмаған яҙмышы тураһында хикәйәләүе килә. Һылыу ҡыҙ Зөһрә бала саҡтан ирҙәр кеүек булырға тырыша, хатта ат сабыштарында егеттәр менән ярыша. Ҡыҙ оҫта уҡ ата, йәнлектәргә һунарҙа башҡаларҙан алда елә. Бер ваҡыт хатта оло аҡ айыу менән көрәшә. Урындағы батырҙарҙа Зөһрәнең ҡыланышы ҡурҡыу уята, берәү ҙә уны яусыларға йөрьәт итмәй. Һәм ҡыҙ-батыр киләсәген белергә теләп Ағиҙел башына юл тота, унда күрәҙәсе менән осраша. Күрәҙәсе уға буласаҡ кейәүе – Алдар батыр тураһында һөйләй. Егет иһә уны Ҡандракүл буйында, ата-әсәләре янында эҙләй. Зөһрәнең тыуған яғында ҡыҙҙары ҡайтыуы уңайынан ат сабышы һәм батырҙар көрәше менән оло байрам ойошторола. Алдар менән Зөһрә таҫыллыҡ һәм ғәйрәттә бер-береһенә тиң булыуын күрһәтә. Зөһрәнең, еңеүсегә сығам, тигән шарты үтәлә, сөнки сабып барған килеш Алдар уны эйәрҙән күтәреп тартып ала. Туй үткәргәс, йәштәр Алдарҙың туғандары йәшәгән ергә юллана. Ошонда хикәйәт тамамлана. Үкенескә күрә, финал өлөшө юҡ. Үҙенсәлеге шунда – хикәйәттә реаль ысынбарлыҡ фантастик эпизодтар менән үрелеп бирелә. Был кире персонаждар – төп геройҙың дошмандарын һүрәтләгәндә айырыуса йыш осрай. Улар араһында ғифриттәр – аждаһа башлы, ҡош тырнаҡлы һәм тотош тәңкә менән ҡапланған мифик заттар, хатта дейеү һәм сихырсылар бар. Һис шикһеҙ, хикәйәттә исламдың етди йоғонтоһо ла сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, иң ауыр мәлдәрҙә геройға Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе һәм уның ерҙәге илсеһе Хызыр Ильяс ярҙам итә. Эпоста, һәр хикәйәттәге кеүек үк, ғәҙәттән тыш физик көскә эйә һәм миһырбанлыҡ, тыйнаҡлыҡ, ғәҙеллек тойғоһо, һөйөүҙә тоғролоҡ һәм халыҡ дошмандарына аяу белмәү кеүек кешелектең иң яҡшы сифаттарын туплаған идеаль геройҙар эш итә. Иң элек был Алдар менән Зөһрә батыр. «Берләшеүгә өндәү» – Өфөлә 1986 йылғы баҫмала донъя күргән «Алдар менән Зөһрә» эпосына инеш һүҙгә йыйынтыҡты төҙөүсе Мөхтәр Сәғитов шундай исем биргән. Һәм был, ысынлап та, эпостың төп мотивы. Ҡулъяҙма авторлығы тураһында бәхәстәр «Мои вечера. Сказки башкирские» ҡулъяҙмаһы «кисәләр» тип аталған 56 хикәйәнән тора. Хикәйәттең төп геройҙары – легендар башҡорт батырҙары Алдар менән Зөһрә. Алда әйтелеүенсә, башы һәм аҙағы булмаған ҡулъяҙма Ленинградта М. Е. Салтыков-Щедрин исемендәге Халыҡ китапханаһының (хәҙер ул Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй милли китапханаһы) ҡулъяҙмалар фондында, аныҡлап әйткәндә, Ырымбур крайын өйрәнгән билдәле краевед, тарихсы һәм археолог Р. Г. Игнатьев фондында табыла. Был эпик һәм шул уҡ ваҡытта көнсығыш традицияһында яҙылған текст («Мең дә бер кисә» әкиәттәр китабына оҡшаш) рус-башҡорт әҙәбиәте бәйләнешен өйрәнгән, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре Морат Ғәлим улы Рәхимҡолов тарафынан табыла. Беренсе тапҡыр «Мои вечера. Сказки башкирские» 1986 йылда «Алдар и Зухра» исеме аҫтында рус телендә баҫылып сыға. Унан алдараҡ ошондай уҡ исем аҫтында эпосты шағир Рәми Ғарипов башҡорт теленә тәржемә итә һәм ул 1977 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» (2-се бүлек, эпос) китабында сыға. Left Right Морат Рәхимҡоловтың 1961 йылдағы табышы тураһында үрҙә күрһәтелгән ике баҫманың да төҙөүсеһе һәм аңлатма биреүсеһе булып сығыш яһаған әҙәбиәт белгесе Мөхтәр Сәғитов телгә ала. Аңлатмаларҙа ғалим: «Мои вечера. Сказки башкирские» әҫәре рус теленә тәржемә ителеп, 1812 йылда Ҡазанда баҫылып сыҡҡан «Ҡуҙыйкүрпәс» ҡомартҡыһының логик дауамы булып тора», – тип билдәләй. Был ысынлап шулаймы һәм кем ул Т. Беляев? Оҙаҡ һәм ентекле эҙләнгәндән һуң, Морат Рәхимҡолов Тимофей Беляевтың тәржемәсе түгел, ә оло башҡорт ырыуы башлығы Ҡарабайҙың улы, башҡорт батырының бөйөк эштәре тураһында бәйән иткән «Ҡуҙыйкүрпәс» хикәйәтенең авторы булыуын асыҡлауға ирешә. Был әҫәрҙең тулы исеме үҙенсәлекле: «Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года». Хикәйәттең исемендә лә Тимофей Беляев әҫәрҙең башҡортсанан тәржемә ителеүен һәм быны һөйләгән ҡурайсының барлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әммә ләкин, Морат Ғәлим улы «Встречи с Башкирией» (1982 й.) һәм «От Пушкина до Толстого» (2009 й.) китаптарындағы мәҡәләләрендә раҫлауынса, автор, сәсән, халыҡ эпосының интерпретаторы һәм ҡурайсы ла – ул үҙе, йәғни цензуранан ҡасып йәшеренергә мәжбүр булған Тимофей Беляев. Кем ул Тимофей Беляев? Яҡташыбыҙ Тимофей Беляевтың тарихы һәм яҙмышы ғәжәйеп. Тимофей Савельевич Беляев (1768–1846) – уҡый-яҙа белгән крепостной, бай һәм абруйлы Ырымбур помещигы, граф Николай Иванович Тимашевтың хеҙмәтсеһе. Хужаһының кәңәше буйынса Беляев башҡорттарҙан күп тапҡыр ишеткән хикәйәттәрҙе үҙенсә тулыландырып яҙып барған. Һис шикһеҙ, ул башҡорт телен яҡшы белгән, бәлки үҙе лә суҡындырылған башҡорт булғандыр. Башланғыс белемде ул Николай Тимашевтың крепостной крәҫтиәндәр өсөн төҙөгән ауыл мәктәбендә алған. Артабан үҫмер үҙ алдына белем алыуын дауам иткән, күрәһең. Үҙ заманы өсөн был граф алдынғы ҡарашлы кеше була. Ул шағир Гаврила Романович Державин менән таныш булған, быны беҙ Беляев тарафынан Николай Тимашевтың ярҙамсыһы йәки секретары Тимофей Беляевтан билдәле шағирға яҙҙырылған хатынан беләбеҙ. Хат Г. Р. Державин архивында һаҡлана, был материалдар ҙа әле Петербург китапханаһында. Шуны билдәләргә кәрәк – Беляевтың «Ҡуҙыйкүрпәс» повесы башҡорт эпосы мотивтары буйынса яҙылған тәүге баҫма әҫәр, ғөмүмән, башҡорт халҡының йәшәйеше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында бәйән иткән рус телендәге тәүге баҫма була. Морат Рәхимҡолов әйтеүенсә, Беляев редакцияһындағы «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосын фәнни яҡтан өйрәнгән тәүге кеше – Мәскәү профессоры Л. И. Климович. Өфө тикшеренеүсеһе уның менән һуңынан хатлаша. 1962 йылда Өфөлә башҡорт эпосы «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу»ҙың тәүге баҫмаһына 150 йыл тулыуға арналған фәнни сессия ла үткәрелә. Унда илебеҙҙең билдәле яҙыусылары һәм әҙәбиәт белгестәре сығыш яһай. Әммә, М.Ғ. Рәхимҡоловтың «Башкирская повесть крепостного грамотея» тигән мәҡәләһендә белдергән үкенесенә күрә, профессор Л. И. Климович, Тимофей Беляев – ни бары эпостың тәржемәсеһе генә, тигән тәүге версияһына тоғро ҡала. Улайһа, башҡорт телендәге төп нөсхә ҡайҙа? Уны берәү ҙә күрмәгән, сөнки асылда ундай текст юҡ. Тимофей Беляев шәхесе тураһында яңы мәғлүмәттәр 1980 йылда Ырымбурҙың «Южный Урал» газетаһында баҫылған ҙур булмаған мәҡәләнән билдәле була. Тарихсы Ю. Зобов Ырымбур өлкәһенең Дәүләт архивындағы яҙмаларҙы өйрәнеп, 1795–1834 йылғы ревизиялар (йәниҫәп) материалдары буйынса ысынлап та хеҙмәтсе Тимофей Савельевич Беляев тигән кеше булыуын асыҡлай. 1795 йылғы ревизия буйынса уға – 27, ҡатыны Марфаға 23 йәш була. Граф Тимашевтың усадьбаһы урынлашҡан Ташлы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы) ауылында тыуған. Беляевтар ғаиләһендә туғыҙ бала үҫкән. Ҡатыны иртә үлгән, һәм оло ғаиләгә хәстәрлек күреү уның иңенә ята. Шуға ла яҙыусы-самородок, был туралағы ниәте тураһында башҡорт повесына һуңғы һүҙендә әйткәнсә, «Ҡуҙыйкүрпәс»тең икенсе өлөшөн яҙа алмаған. Мәҡәлә авторы шундай һығымта яһай, һәм М. Ғ. Рәхимҡолов уның менән килешә. Бына ошолай тамамлана «Башкирская повесть «крепостного грамотея» (книга «От Пушкина до Толстого») очеркының аҙағы: «Шулай итеп, Н. И. Тимашевтың Г. Р. Державинға хаттарынан күренеүенсә, әлегә тиклем һаналғанса, Тимофей Беляев «Ҡуҙыйкүрпәс»тең тәржемәсеһе түгел, ә әҫәрҙең авторы, билдәле башҡорт эпосы сюжетының интерпретаторы, сәсән. Крепостной Тимофей Беляев үҙенең әҫәрен хужаһы Н. И. Тимашевҡа бағышлаған, күрәһең. Беляевты «Мои вечера. Сказки башкирские» әҫәрен (берҙәй «Ҡуҙыйкүрпәс»те лә) башҡортсанан руссаға тәржемә иткән тиеүгә нигеҙ юҡ. Әҙәби ҡомартҡы булараҡ «Минең кистәрҙең» идея-художество ҡиммәтен танып, һәм уларҙың башҡорт теленә тәржемә ителеүен һәм йыйылма күп томлы башҡорт фольклоры баҫмаһында донъя күреүен хуплап, шулай ҙа, уларға Тимофей Беляевтың ниндәй ҙә булһа ҡыҫылышы барлығы иҫбат ителмәгән, тип иҫәпләйбеҙ». Ҡасан да булһа был әҙәби йомаҡ сиселер, тип ышанырға ғына ҡала. Бәлки, графологик экспертиза ярҙам итер, Тимофей Беляев ҡулы менән яҙылған хаттар шағир Г. Р. Державиндың фондында һаҡлана бит. Бер нисә хужа алмаштырыуға ҡарамаҫтан, «Минең кистәр» ҡулъяҙмаһының ваҡыт үтеү менән юғалмауы – башҡорт эпостарын өйрәнеүселәр өсөн ҙур уңыш. Петербург китапханаһы фондына был әҫәр 1887 йылда килеп эләгә, 1961 йылдан тикшерелә башлай. «Алдар менән Зөһрә» эпосының әһәмиәте Фольклор әҫәрҙәре – халыҡтың тарихи үткәнен, уның уникаль рухи мәҙәниәтен, донъяға ҡарашын һәм йәшәйеш ҡиммәттәре системаһын өйрәнеү өсөн бай сығанаҡ. Ауыҙ-тел ижады жанр йәһәтенән бик бай: мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, мәҫәлдәр, йыр һәм ҡобайырҙар, әкиәт һәм хикәйәттәр. Был жанр төрлөлөгө халыҡ кисергән ваҡиғаларҙың эмоциональ яғын күрһәтә. Ә йыраусылар, сәсәндәр, ҡурайсылар (Тимофей Беляевтағы кеүек – курайчи), уларҙы киләсәк быуынға һаҡлап, нығынған текстарға үҙҙәренән өҫтәмәләр һәм аңлатмалар индерә. «Алдар менән Зөһрә» эпосында ырыу вәкилдәре булып сығыш яһаған төп геройҙарҙың ырыуҙарының берләшеүе башҡорт халҡының берләшеүен сағылдыра. Берҙәмлек һәм татыулыҡ ҡына халыҡҡа яҡты киләсәккә илткән юлда бөтә һынауҙарҙы еңеп сығырға һәм иҫән ҡалырға өмөт бирә. Эпостар халыҡтың күңелен, уның йолаларын һәм мәҙәниәтен аңларға мөмкинлек бирә, изгелектең яуызлыҡты еңеренә ышандыра. Археологтар табышы Урта быуатҡа ҡараған «Алдар менән Зөһрә» эпосының сюжеты ни ҡәҙәр ысынбарлыҡҡа тап килә? Был һорау ҙа тикшеренеүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра. 1992 йылда археолог Р. С. Баһаутдинов Ульяновск өлкәһендә беҙҙең эраның VII быуатына ҡараған ҡәберлектә гравировка техникаһында төшөрөлгән һүрәттәре менән һөйәк пластиналары фрагменттарын таба. Һүрәттәр бер стилдә һәм бер үк автор менән башҡарылған. Уларҙа төрлө күренеш: айыуға һунар, батырҙар көрәше, ҡанатлы ике аждаһа һуғышҡаны төшөрөлгән. Археологтар табыштарҙы башҡорт эпосы «Алдар менән Зөһрә»нең сюжеты менән бәйләй. Бынан тыш, «Алдар менән Зөһрә» хикәйәтенән фантастик образдарҙы Татарстандың Алексеевск районы биләмәһендәге Оло Тигәнәле ҡәберлегендә табылған ҡайыш биҙәктәрендә осратырға мөмкин. Был тағы бер тапҡыр беҙҙе, быуаттар дауамында билдәле тарихи ерлекте һаҡлаған эпик текстар этнос тарихын өйрәнеүҙә өҫтәмә сығанаҡ була ала, тигәнгә инандыра. Автор Елена Колоколова Фото Елена Колоколова, Мирона Доровских, из архива М.Г. Рахимкулова Верстка Рената Вахитова Дата 9.12.19 Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан © ГУП РБ Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой, авторы, 2019 г. Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Пользовательское соглашение Политика использования cookie {"0":{"lid":"1531306243545","ls":"10","loff":"","li_type":"nm","li_name":"Тема ","li_title":"Тема ","li_req":"y","li_nm":"Тема "},"1":{"lid":"1531306540094","ls":"20","loff":"","li_type":"em","li_name":"Е-mail для связи","li_title":"Е-mail для связи","li_ph":"mail@example.com","li_req":"y","li_nm":"Е-mail для связи"},"2":{"lid":"1578487325957","ls":"30","loff":"","li_type":"ta","li_name":"Обращение","li_title":"Обращение","li_req":"y","li_rows":"2","li_nm":"Обращение"}}
Ә туй, никах йолалаларын беләһегеҙме? Уларҙы атҡарырға теләйһегеҙме? Ләйсән Шәрипова үҙ башынан үткәндәрҙе тәҡдим итә. Ҡыҙ бирәһегеҙме? Килен төшөрәһегеҙме? "Аллаға шөкөр, туғандарым, ҡәйнештәр, бикәстәр бер-бер артлы ғаилә ҡора башланы. Бикәсемдең күптән көтөп алған никахында булып ҡайттыҡ, төп еңгәй булғаным юҡ ине әле бығаса. Йолаларҙы ныҡлап белеү кәрәк икән, уҡып әҙерләнә башлаған инем, баҡтиһәң, уларҙы һүлпән генә ҡулланабыҙ икән. Был башҡорт халыҡ ижадынан, Гуглда эҙләп, кешенән һорашып, үҙем уйлап, туплап яҙған сценарийымды һеҙгә лә тәҡдим итәйем", – ти ул. "Никах, ҡыҙ алыу" Бер-береһен яратҡан ҡыҙ менән егет өйләнешергә йыйынғас, егет яғынан яусы ебәрәләр ҡыҙ йортона. Яусы бер балағын төрөп, таяҡ тотоп килеп инә: - "Юғалған аҡ ҡуй һеҙҙә түгелме?" Ҡыҙҙың атаһы: - "Юғыңды эҙләй тор", – тип яуап ҡайтара. Яусы һый-хөрмәт күргәнсе, ҡыҙҙың атаһы ҡарындаштары, туғандары менән бер фекергә килгәс: - Юғалған малың табылды, һөйөү кисәһен тәғәйенләйек, – тиҙәр. Яусы ҡайтып сәләмдәрен тапшыра ҡоҙаларға. Ҡыҙ яғынан саҡырыусы ебәрәләр, нисек, ҡасан, ҡайҙа, кемдәр, нисә пар булыуын һөйләшеп ҡайталар. Йома көнө ҡыҙ йортонда ике яҡтан да туғандар йыйыла йәштәрҙең никахына. Ҡоҙаларҙы ишек төбөндә матур, мосолманса, башҡорт кейемдәрендә, ҡурай моңо, ритайым көйҙәрен ҡуйып, сәксәк, кәсәләрҙә ҡымыҙ тотоп, ҡапҡа башына йәшел, йә Башҡортостан флагы ҡуйып теҙелешеп дәртле генә ҡаршы алырға теҙеләләр. Ҡоҙасалар үҙҙәре менән бауырһаҡ, бәлеш, сәй, сәк-сәк, еләк-емеш, ҡымыҙ, бал, төрлөләндереп бешерелгән икмәк күстәнәстәрен тотоп бейей-бейей килә. - Әссәләмәғәләйкүм, ҡайҙарҙан киләһегеҙ, кемде эҙләп беҙҙең яҡтарға килеп сыҡтығыҙ, һеҙгә кем кәрәк?.. Улайһа, эҙләгәнегеҙ беҙҙә, һеҙҙә алыусы булһа, беҙҙә тауар бар, әйҙүк-әйҙүк, яҡыныраҡ килегеҙ! Хәйерле көн, ҡоҙа-ҡоҙасалар! Кейәү килә, кейәү килә, Кейәү менән дан килә! Ырыҫ, дәүләт, бәрәкәт, Бәхет, шатлыҡтар килә! Баллы сәксәктән ауыҙ итегеҙ, йәштәрҙең тормоштары татлы булһын! Ҡымыҙын да эсегеҙ, уйҙарығыҙ аҡ булһын! Йүгереп кереп китер өсөн, Беҙҙең ишегебеҙ бар. Ҡыҙыбыҙҙы алыр өсөн, Һынауҙар үтәһе бар. 1. Ҡапҡаға арҡыры аҡ тауар-туҡыма һуҙып әйтәләр: - Алдыңда һинең аҡ тауар, ошо тауарҙы аҡ, изге теләк теләп, бисмиллаһи-рахманир-рахим, тип ҡырҡып, ҡайны-ҡәйнә йортона уң аяғың менән ин, кейәү бала. Киләһе һынау – "Амур уҡ", уҡтан атыу. Егеттең отҡолоғон,тапҡырлығын, батыр егет икәнлеген һынап ҡарайыҡ. (Беҙҙең ҡыҙҙың йөрәген ҡалайтып яулап алдың икән?) "Бәпәй биләү" – бишек йырын йырлау, күҙ бәйләп йогурт ашатыу –киләсәктә ниндәй атай булырыңды һынап ҡарайыҡ (кейәү шаһитын кейендереп, ашатып, бәүетеп күрһәтә) Кейәү шаһиты кейәү баланың яҡшы һыҙаттарын һанап үтә. Алмаға шырпылар ҡаҙалған, әйткән һайын бер бәләкәй түңәрәк ҡаты ҡорот йә кәнфит йыя ауыҙына, ә шырпыны тартып сығарып бара. Киләһе һынау "Садху" сөйлө таҡта. Кеше ғүмерендә һикәлтәле, бормалы, һынаулы юлдар үтергә тура килә, ә шул ваҡытта һиңә ярҙамға яҡындарың, дуҫ-иштэрең килерме икән. тип ошо сәнскеле таҡталарҙы юлға һалдым, нисек үтерҙәр – улар ҡарамағында. Бына һеҙгә һуңғы һорау, кейәү. Элек башҡорт егете ҡурайҙы һәр саҡ үҙ янында алып йөрөр булған, яуға сапҡанда ла, мәжлескә лә үҙе менән алған, ә ҡурайҙы ниндәй ысул менән үлсәп ҡырҡып алғандарын беләһегеҙме һуң? Кем белә? (Ҡурай – әү, ҡайҙа үҫтең – урманда, кем ҡырҡты – оҫта ҡырҡты, ни өсөн – мәнфәгәт өсөн) Әйҙәгеҙ, ҡоҙа-ҡоҙасалар, бергәләшеп ҡурай көйөнә баҫып алайыҡ! - Әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ! - Рәхим итегеҙ өйгә, ҡоҙа-ҡоҙасалар! Мулла килә, "Ҡөрьән" аяттары уҡып никах ҡылына, ата-әсәләре фатихаларан биргәс, йәштәр ризалыҡтарын әйтеп, таныҡлыҡҡа ҡултамға ҡуя. ("Фатиха" сүрәһен бергәләп уҡый ҡунаҡтар). Хәйер тарата ике яҡтан да ҡоҙағыйҙар (таҫтамал, яулыҡ). Кейәү хәләл ефетенә бүләген бирә, алтын йә көмөш (алҡа, балдаҡ), күлдәк, итек, яулыҡ, сәскә гөлләмәһе. Ҡайны-ҡәйнәһе теләктәрен теләп, батмусҡа һалып киленгә бүләген бирә, аҡ яулыҡ, шәл ябындыра, мәһәр һала, дүрт тояҡлы мал әйтәләр. Кейәүгә ҡайны-ҡәйнәһе аҡ түбәтәй, күлдәк, "Ҡөрьән" (һәр бер өйҙә мотлаҡ булырға тейеш) тапшыра. Төп ҡоҙа-ҡоҙағыйзар бүләк бирешәләр.Төп ҡоҙаға ата тун тип – күлдәк, төп ҡоҙағыйға әсә тун тип күлдәк кейҙерешәләр. Еңгәйҙәргә – күлдәк, агай-энеләренә күлдәк йә таҫтамал ябындыралар. Килгән бар ҡунаҡтар, яңы йәш ғаиләгә тормош ҡорорға ярҙам тип, изге теләктәрен теләп бүләктәр тапшыра. (юрған, яҫтыҡ, һауыт-һаба, балаҫ, плед, гөл). – Ҡәҙерле кәләш, ҡәҙерле кейәү! Атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙ тыуғас аҡ биләүгә һалып, күңеле аҡ, тәне саф булһын тип изге теләктәр теләп үҫтергән. Бар наҙын, борсолоуын, һөйөүен ҡыҙғанмайынса, ошо көндә һеҙ аҡ күлдәктә, аҡ яулыҡта, аҡ түбәтәй кейеп, йөҙөгөҙҙә яғымлы йылмайыу бөркөлөп торһон өсөн тырышҡандар. Бөгөн һеҙ өҫтәл артында тап ошо ап-аҡ кейемдәрҙә, тимәк, атай-әсәйҙәрегеҙ үҙҙәренең бурысын үтәп, үҙегеҙ һайлаған егет һәм ҡыҙ ҡулына тапшыра. Кәләш, һин хәҙер беренсе сиратта кейәүҙең хәләл ефете, тормош иптәше булдың. Кейәү! Бөгөндән ҡыҙ – ата-әсәһе ризалығы, туғандары, яҡындары фатихаһы менән Аллаһ Тәғәлә алдында һинең ҡатының һәм һин уның хәләл ире дәрәжәһенә лайыҡ булдығыҙ! Һеҙ үҙегеҙҙең ғүмер юлығыҙҙа етәкләшеп, ошо күңел паҡлығын һаҡлап, бәхетле ҡартлыҡҡаса, оҙон-оҙаҡ, иҫтәлекле итеп парлы атлағыҙ. Тормошоғоҙҙоң тәмен, йәмен, бәрәкәтен, балалар бәхетен татып йәшәгеҙ! Амин!!! Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын! Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир! "Ҡыҙ ҡушыу" Һый-хөрмәт күргәс, кискеһен ҡыҙҙың еңгәләре, әхирәттәре һиҙҙермәй генә ҡыҙҙы урлап алып ҡаса, йәшереп, ҡапҡаны бикләп ҡуялар. Егет быны һиҙеп ҡалып, иптәштәре, ағалары, еңгәләре менән эҙләргә сығып китә. Шулай урам буйлап йырлай-йырлай, курше-тирәләге өйҙәргә инеп эҙләп, табып ала ҡыҙ йәшеренгән өйҙө. Тыштан егеттең дуҫтары ҡапҡа шаҡый, эстән тауыш бирәләр: - Кем унда? - Беҙ, юлаусылар, индерегеҙ беҙҙе. - Нисә кеше? Күпме түләйһең? - Йөҙ тәңкә. Туғыҙ кеше. - Аҙ, күберәк түләһәң, индерәм кейәүкәй... Кейәү үңәре ҡапҡа аша төшөп, этеп-төртөп өйгә инеп китергә маташа. Ҡапҡанан ингәс уйындар башланып китә. Баҫма аша үтергә (кейәүҙе күтәреп үткәрергә тейеш дуҫтары). Йыраҡ араларҙы яҡын итеп беҙгә йылға-күлдәр аша килеп еткәнһегеҙ, ә нисек итеп үттегеҙ һүң уларҙы? Оҙонса шариктан берәй һын, фигура эшләп бирһендәр бергәләп. Кәләшенең аяҡ кейемен танырға тейеш биш-алты ҡата араһынан, белмәй икән, тимәк, шуны кейеп бейеп күрһәтә. Кәләшенә яратыу һүҙҙәрен әйтеп отжимание эшләргә, ерҙә ултырған тәрилкәләге онға бит тейгәнсе эшләргә. (дуҫтары менән 30-ға тултырғансы). Кәләшеңде иртәнсәк иркәләп кенә йомортҡаны нисек тәмле итеп ҡурып ашатыуыңды күрһәт әле, кейәүкәй (шаһитының эсенә кейәү бала йомортҡаны ҡул көсө менән һытып һала. Йомортҡаны һыта алмай мәж килдек, һуҡмайынса уны ярыуы ҡыйын икән, саҡ-саҡ шаҡара тотоп һытып, буялып бөттөләр). Өйҙөң асҡысы ҡайҙа икәнен белгең килһә, йомаҡ сисергә кәрәк, (мунса), йомаҡты сисеп мунсаға инеп йәшерелгән асҡысты эҙләй башланылар (индереп сабып-сабып, һыуға ҡойоношоп килеп сыҡтыҡ.) Башватҡыс уйын тупһа алдында: ишек төбөндә ептән "ау" үрелгән, йыртырға ла, ҡырҡырға ла ярамай (яуап: яндырырға). Соланда кейәүгә серенада йырларға йә әкиәт һөйләргә ҡушылды. Өйгә инеп, бүлмәгә барып еткәс, һөйгәнеңдең ирен эҙен ҡағыҙ битендә эҙләп тап тигән һынау булды (йә, аҡса менән исемен, буласаҡ фамилияһын яҙ, тиһәгеҙ ҙә була). Өйгә инделәр һынауҙар үтеп. Шкафты асып, һөйгәне ултыралыр тиһә, унда алдаштырып икенсе берәүҙе ултыртып ҡуйҙыҡ. - Кейәү, бына тормошта ла быуар йыландар юлыңда осрар, бирешмә, алданма, һаҡ бул! Хәҙер инде эҙләп табығыҙ кәләште. Бикәсебеҙҙе баҙға йәшерергә уй бар ине, тик кейәү бала ул ерҙе белгәс, гараж башына мендереп ултырттыҡ. Ҡыҙҙы тапҡас, ул төшөп ҡасып китеп, егет барып тотоп алып килеүе лә мөмкин. Эй, афарин! (отҡор, йылғыр, шаян, йомарт, аҡыллы, һиҙгер, йыраусы, бейеүсе, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ, сос икәнен күрһәтте кейәү бала. Аллаға шөкөр, иншаллаһ. Бәхетле булһындар). "Йыртыш" Тағы көрмәкләшеү башлана. Еңгәләр ҡыҙҙы шаршауға төрөп, ҡушылаһы бүлмәгә алып инеп китә. Егеттең еңгәһе менән ҡыҙҙың еңгәһе ике осонан йыртыш-тауар тотоп торабыҙ бүлмә төбөндә. - Ишек бауы – бер тәңкә, - Йыртыш хаҡы – биш тәңкә, - Ҡыҙыбыҙ тора мең тәңкә, – тип һамаҡлап, һатыулашабыҙ тағы. Йыртыш – борондан ҡалған йола, хәлегеҙсә үтәргә тейешһегеҙ. Йыртыш йыртыу – ҡыҙҙың намыҫын, егеттең көс-ғәйрәтен күрһәтеү. Ҡыҙ йәшереү йолаһы йәш ғаиләне яман күҙҙән, кеше һүҙенән, золомдарҙан, эйәреп килгән насар уйҙарҙан, яуыз көстәрҙән йәшереп, күҙ яҙлыҡтырыу маҡсатында килеп сыҡҡан, тип ҡыҫҡа ғына аңлатма биреп үтәм. Кейәү бала бер баҫҡанда йыртышты йыртып инеп китергә тейеш. Йыртыш тотҡан еңгәйҙәргә бүләк бирелә, ҡоҙасалар бер аҙ үҙ-ара шаярышып ала һәм йыртышты үҙҙәренә алып ҡалалар. Бүлмәгә кергәс, еңгәйҙәр ҡыҙ менән егеткә бер туҫтаҡтан һөт эсереп, ҡыҙҙың ҡулын егеткә тоттороп: - Уйҙарығыҙ бер булһын, күңелдәрегеҙ паҡ булһын, бер-берегеҙгә хәләл, татлы, тоғро булығыҙ, юрған аҫтына икәүләшеп инеп ятып, бәпәйле булып тороғоҙ, тип ҡыҙҙың яҫтыҡ аҫтына ҡоҙағый килененә тип биргән бүләкте һәм бетеүҙе һалып, уларға теләктәр теләнә: - Иреңә тоғро ҡатын бул, йылы һүҙең, яҡты йөҙөң, тәмле ашың менән ҡаршы ал һәр ваҡыт. Иреңде батша тип һанаһаң, батшабикә булырһың, ҡол тип күрһәң, ҡол бейсәһе булырһың. Аҡыллы ҡатын бул. Иманлы, тәүфиҡлы, итәғәтле, саф мөхәббәтле, тиң-тигеҙ булығыҙ. Берегеҙ ут булғанда, икенсегеҙ һыу булһын. Ошондай өгөт-нәсихәт әйтеп, йәштәрҙең үҙҙәрен генә ҡалдырып сығып китә еңгәләр. Иртәнсәк улар кейәүҙе мәрәкәләп уята. Ҡоҙасалар алып килгән күстәнәстәрҙе ҡушып ултыртып, күрше-тирәне "кейәү сәйенә" саҡырып ала ҡәйнә кеше. Балдыҙҙары – еҙнәй аҡсаһы, ҡәйнештәре еҙнәйҙән бәке алырға килә: - Еҙнәй, атың бейәме, Ялы ергә тейәме? Апайымды алған өсөн, Беҙгә аҡса тейәме? – тип һамаҡлап бүләк алып ҡайталар. Ошо мәжлестә булған туғандары йәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡырып, мунса яғып, һыйлап, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡайтарырға тейеш. Әлбиттә, ике яҡтан да еңгәләр, ҡоҙа-ҡоҙасалар шаян, шуҡ, киң күңелле, шаталаҡ булмаһа, мәжлес күңелле булмаҫ. Шундай дәрт-дарманы ташып торған, мәрәкәсел кешеләр ике яҡтан да булһа, туйҙар, мәжлестәр дәррәү, дәртле, шәп уҙып китә. Сығанаҡ: https://vk.com/im?peers=c53_617248536&sel=166873706&w=wall144674458_2399 Фото culture.ru Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
- Ноябрь айында грипп эпидемияһы башланыуы ихтимал. Шуға ла табиптар ашығыс рәүештә вакцина эшләтергә өндәй. Быйыл киҙеүҙең ниндәй төрө көтөлә? Прививка сирҙән һаҡлай аламы? - “Российская газета”ның төрлө ҡалаларында эшләгән хәбәрселәре асыҡлауынса, дарыуханаларҙа грипҡа ҡаршы вакцина юҡ икән. Прививкалар етештерелмәйме? Һатылмаймы? Әллә был ваҡытлыса ғына күренешме? - Грипҡа ҡаршы вакцина һатып алыу өсөн рецепт талап ителәме? - Рәсәйҙә грипҡа ҡаршы ниндәй вакциналар ҡулланыла? - Ҡош киҙеүе, сусҡа киҙеүе бар. Улар ысынлап та ҙур хәүеф тыуҙырамы? - Марсель Марат улы, киҙеү йыл һайын ҡабатлана. Кешеләр генә түгел, хатта ҡоштар һәм хайуандар ҙа грипп менән зарарлана. Яңы штамдар барлыҡҡа килә. Сирҙе тамырынан юҡҡа сығарыу мөмкинме, юҡмы? - Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡа бер генә вирус та грипп кеүек үк мутацияға бирешмәй. - Грипп вирусы органимда ниндәй ауырыуҙарға юл асыуы ихтимал? - Табиптар йыл һайын грипҡа ҡаршы вакцина яһатырҡа өндәй, ул вирусты еңелерәк үткәрергә ярҙам итәсәк, тип белдерә. Әммә ҡайһы берәүҙәр был һүҙҙәргә һис кенә лә ышанмай һәм киреһен иҫбат итергә тырыша. - Ә витаминдар, сынығыу алымдары, халыҡ медицинаһы... - Кемдәр мотлаҡ вакцина эшләтергә тейеш? - Ә кемдәргә ярамай? - Сит илдә етештерелгән вакциналарға ҡарашығыҙ? - Рәсәйҙең санитар табиптары хәбәр итеүенсә, илдә грипп эпидемияһы сағыштырмаса һуңғараҡ – декабрь, ғинуар айҙарында башланасаҡ. Ә һеҙ нисек иҫәпләйһегеҙ? - Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең бөтә субъекттарына ла вакцина оҙатылған. Балаларға иммунизация үткәреү өсөн 12 миллиондан ашыу доза вакцина бүленгән. 25-се октябргә тиклем өлкәндәргә лә прививка яһау өсөн 26 миллион доза вакцина алынасаҡ. Башҡортостанда күпме кешегә прививка эшләнәсәк? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡорт Дәүләт Медицина Университетының микробиология һәм вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов яуап бирә.
Башҡортостандан эшсе төркөм 21 ғинуарҙан 30-на тиклем үтәсәк «Йәшел аҙна-2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Германия Федератив Республикаһына юлланды. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Валентина Аптикаева һөйләүенсә, Башҡортостан аграрийҙары Европалағы был ҙур күргәҙмәлә инде етенсе тапҡыр ҡатнаша. Быйыл республиканан «Йәшел аҙна»ла ике предприятие ҡатнашасаҡ. Даими ҡатнашыусылар — «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙҙәренең иң яҡшы тауарҙарын: башҡорт балын һәм спиртлы продукцияһын оҙатты. Берлиндағы Халыҡ-ара Йәшел аҙна күргәҙмәһе (International Green Week Berlin) 1926 йылда ойошторолғандан алып ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте вәкилдәренең иң ҙур бөтә донъя форумына әйләнде. Бөгөн уны донъя кимәлендәге аҙыҡ-түлек һатыусылар юғары баһалай, бында яңы тауарҙар асыла, килешеүҙәр төҙөлә һәм башҡа күп мәсьәләләр хәл ителә. 2011 йылда күргәҙмә 76-сы тапҡырына үткәрелә. Күргәҙмәне ойоштороусылар уның сиктәрендә үткәрелгән ғилми һәм сәйәси конференцияларға һәм форумдарға ҙурыраҡ иғтибар итә бара. Күп илдәрҙән етештереүселәр өсөн, шул иҫәптән Рәсәй өсөн дә, Берлиндағы «Йәшел аҙна» — ул донъя баҙарына сығыу, үҙең хаҡында белдереү ысулы. Автор:Ғәлиә Нәбиева Теги:ауыл хужалығыйәшел аҙнакүргәҙмәләр Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением. ОК ҠАРА ЮРҒА ‒ ат культына бәйле башҡорт халыҡ эпосы. Әҫәрҙә башҡорттарҙың атты изге хайуан тип ҡабул иткән боронғо инаныуҙары сағыла. Унда ҡыҙ урлау мотивы төп сюжеттарҙың береһе булып тора. Эпос ҡасан һәм кем тарафынан яҙып алынған? «Ҡара юрға» эпосының сюжеты XVIII быуатта сәйәхәтсе И.И. Лепехиндың (1740–1802) яҙмаларында осрай. 1770 йылда Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән ғалим башҡорт ауылдарында ла туҡтай, халыҡтың этнографияһына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙып ҡалдыра. «Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 г. Ч. 2» тигән хеҙмәтендә башҡорт йырсыһының ошо әҫәрҙе башҡарыуы хаҡында яҙып үтә. И.И.Лепехин китабының титул бите «Уларҙа иң шәп йырсы һаналған 60 йәштәрҙәге ҡартты беҙ рәхәтләнеп тыңланыҡ... Йырсы улар тормошонда булған мөһим ваҡиғаларҙы ғына йырлап ҡалмайынса, тауышы һәм хәрәкәттәре менән бөтә ваҡиғаларҙы һынландыра, дуҫтарын нисек һуғышҡа әйҙәгәндәре һәм һуғышҡандары, дошманды нисек ҡыйратҡандары, уларҙың яралы килеш хәлдәре бөтөп, йән биреүе хаҡында шундай йәнле итеп һөйләй, хатта ҡайһы берәүҙәр илап ултыра. Бер саҡ ҡарт йылмайып «Ҡара юрға»ны йырлап ебәргәйне, һағыш шатлыҡҡа әйләнде. Был йыр уларҙа иң шаян һанала. Ҡарт ошо йырҙы йырлап, бейеп киткәйне, башҡорт байрамы (балы) башланды (тәржемә авторҙыҡы). И.И. Лепехин, сәйәхәтсе К. Мәргән билдәләүенсә, эпик әҫәрҙәрҙең шиғыр өлөшө көйләп башҡарылыуын иҫәпкә алғанда, И. Лепехин тарафынан эпостың йыр итеп ҡабул ителеүе бик мөмкин. Бәлки уға әҫәрҙең бер генә өлөшөн, йыр репертуарына инеп киткән өлөшөн генә тыңларға тура килгәндер, тип фекерләй ғалим. Иң мөһиме, был сюжеттың И. Лепехин яҙмаларында сағылыуы уның халыҡ араһында популяр булыуын раҫлай. 1894 йылда «Ҡара юрға»ның ҡыҫҡаса сюжетын, йырының көйөн билдәле музыка белгесе С. Г. Рыбаков (1867–1921) Баймаҡ районында Бирғәле исемле ҡурайсынан, Кананикольск заводында эшләүсе И. Лоҡмановтан яҙып алған һәм үҙенең «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» (СПб., 1897) тигән монографияһында баҫтырып сығарған. С. Г. Рыбаковты, иң беренсе «Ҡара юрға» әҫәре менән бәйле музыкаль материал ҡыҙыҡһындыра. Әммә үҙенең йыйынтығында ошо әҫәр менән бәйле легендаларға ла туҡталып үтә. С. Г. Рыбаков китабының титул бите 1909 йылда «Ҡара юрға» йырының сюжетын башҡорт яҙыусыһы Зыя Ибраһим улы Өммәти (1885–1943) «Башҡорт, типтәрҙәрҙең йыр, бәйеттәре» тигән китабында урынлаштырған. Тик китапта ҡасан, ҡайҙа, кемдән яҙып алыныуы хаҡында мәғлүмәт бирелмәгән. З. Өммәти китабы 1907 йылда М.А. Буранғолов Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын волосы Үрге Ильяс ауылында сәсән Хәсән Буранғоловтан яҙып алған. Әҫәр 1939–1940 йылдарҙа М.А. Буранғолов төҙөгән, әммә баҫылып сыҡмай ҡалған «Боронғо башҡорт йырҙары һәм ҡобайырҙары» йыйынтығына индерелгән. Беренсе тапҡыр башҡорт телендә 1972 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына ингән. 1977 йылда рус телендә донъя күргән «Башкирский народный эпос» китабында баҫылып сыға. М. А. Буранғолов (1888 – 1966) 1928 йылда «Ҡара юрға» эпосының сюжеты И.В. Салтыков тарафынан яҙып алынған, артабан урыҫсаға әйләндерелеп «История и анализ башкирских песен» тигән ҡулъяҙма хеҙмәтенә индерелгән һәм 1974 йылда баҫылып сыҡҡан. И. В. Салтыков (1893–1985) «Ҡара юрға» йырын легендаһы менән 1943 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында Бикбирҙиндан ҡурайсы һәм йырсы Ғ.З. Сөләймәнов яҙып алған. Беренсе тапҡыр 1954 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығының 1 томында (Өфө, 1954) йырҙар бүлегендә бирелгән, «Башҡорт халыҡ йырҙары» (Өфө, 1954) йыйынтығына ла индерелгән. Ғ. З. Сөләймәнов 1912 –1989 1960 йылда эпостың вариантын Ә.Н. Кирәев (Кирәй Мәргән) Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡайыпҡол ауылында сәсән Усман Сәйетовтан (1898 йылда тыуған) яҙып алған. Беренсе тапҡыр башҡорт телендә 1972 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫылып сыға. Тағы бер вариантын шул уҡ 1960 йылда Ә.Н. Кирәев (Кирәй Мәргән) Ырымбур өлкәһе Ҡотос ауылында Рәхилә Теләкәеванан (1897) яҙып алған. Башҡорт телендә 1998 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында баҫылып сыға. К.Мәргән (1912–1984) Дөйөмләштереп әйткәндә, «Ҡара юрға» эпосының сюжеты XVIII–XX быуаттарҙа төрлө сығанаҡтарҙа баҫылып сыҡҡан. Күп кенә хеҙмәттәрҙә боронғо башҡорт йыры булараҡ ҡарала, уртаҡ сюжет әҫәрҙең күп йылдар дауамында халыҡ хәтерендә йәшәгән әҫәр булыуын асыҡ дәлилләй. «Ҡара юрға» сюжетлы эпик әҫәр булыуына ҡарамаҫтан, ХХ быуатҡа тиклем йыр жанрына индерелеп йөрөтөлә. 1961 йылда Кирәй Мәргәндең «Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары» хеҙмәтендә эпос булараҡ ҡарала һәм артабан ошо жанр системаһында өйрәнелә башлай. «Ҡара юрға» эпосының ундан ашыу варианты Һамар, Ырымбур өлкәләрендә, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында яҙып алынған. Эпостың яҙып алынған нөсхәләре Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Ғилми архивында, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор фондында, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһының фольклор фондында һаҡлана. Эпостың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе. Һаҡмар буйында Күсәрбай тигән бер һунарсының Әбләй исемле улы була. Ул үҙенең бейәләренән тыуған ҡолондо ҡарап үҫтерә. Йылдар үткәс, егет мәргәнлеге, сәсәнлеге, ә ҡолон – Ҡара юрға исеме менән дан ала. Ер күреп, ил танырға сыҡҡан егет Мәсем хандың йәйләүенә килеп юлыға һәм Маҡтымһылыуға ғашиҡ була. Ҡалым өсөн малы булмағас, ҡыҙға хистәрен белдермәйенсә ҡайтып китә. Һәр вариантта ла Ҡара юрға актив хәрәкәт итеүсе көс итеп һүрәтләнә. Ул хужаһының үтенесе буйынса, ҡыҙ йәйләүенә килеп уны бер аҙ уйнатып йөрөтә лә егеткә алып килеп тапшыра. Эпик герой үҙенең атын данлап йырлай*: – «Һай, Ҡара юрғам, Һай, Ҡара юрғам! Ялбыр-йолбор ялдарыңды Көмөшләрмен, юрғам, Тыбыр-тыбыр тояғыңды Алтынлармын юрғам, Өҫтөңдәге һылыуыңды Үптерһәнә , юрғам, Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрһәнә, юрғам! Һай, Ҡара юрғам! Һай Ҡара юрғам!» Эпоста егет йырының төрлө варианттары бар: ул атына ҡыҙҙы урлап алып ҡайтырға өгөтләгәндә, йә ҡыҙҙы алып ҡайтҡандан һуң, уны төшөрөргә теләгәндә йырлай. * Сығанаҡ: Башҡорт халыҡ ижады. Өсөнсө том. Эпос. Өфө, 1998. 271-се б. А.Мөхтәруллин һүрәте. Марсель Ҡотоев башҡарыуында «Ҡара юрға» йыры Мәсем хан Ҡара юрғаның Маҡтымһылыуҙы урлап китеүенә ышанмай. Әбләй: «Ҡара юрғаға Маҡтымһылыуҙы мендереп алып кит... Юрға Һаҡмарға тиклем генә барыр, артабан баш бирмәй ҡыҙҙы кире алып ҡайтыр. Әгәр Һаҡмар артына алып сығып китһәгеҙ, атым артынан бармайым», ти. Ҡара юрға тағы ла Маҡтымһылыуҙы Һаҡмарҙан уратып Әбләй йәйләүенә алып ҡайтҡан. Мәсем хан ҡыҙының урланған булыуын таный, йәштәргә ризалығын бирә. Эпос тураһында ғилми хеҙмәттәр. «Ҡара юрға» эпосының төрлө аспекттары К. Мәргән, С. Галин, М. Сәғитов хеҙмәттәрендә ентекле өйрәнелә. Ғалимдар эпик әҫәрҙә халыҡ йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең һүрәтләнешен, сит ырыуҙан кәләш алыу, геройҙың кәләш эҙләп сәйәхәт итеүендә экзогамия йолаһының сағылышын билдәләп үтә. Тәүге сюжет линияһында (Ә.Н. Кирәев яҙып алған У. Сәйетов вариантында) һунарсы Ҡушлаҡ батыр бер юлаусыға үҙенең шоңҡарын бүләк итә. Юлаусы шоңҡар өсөн уға Шүлгәнкүлдән өйөр-өйөр йылҡы малы сығара. «Был боронғо һунарсылыҡҡа алмашҡа малсылыҡ килергә тейеш, тигән һүҙ. Тимәк, боронғо һунарсылыҡҡа нигеҙләнгән етештереү ысулы инде үҙенең тарихи ролен үтәгән, уның урынын сағыштырмаса өҫтөнөрәк торған малсылыҡҡа нигеҙләнгән етештереү ысулы алырға тейеш. Тарихи яҡтан ҡарағанда, был инде тап шул тәүтормош община ҡоролошо емерелеп, уға алмашҡа килә торған формация моронлай башлаған осорға тура килә», – тип билдәләй был мотивтың әһәмиәтен Ә.Н. Кирәев. М. Сәғитов ҡобайырҙа герой менән мал араһындағы киҫкен конфликтты һүрәтләү эпизодтарында күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе башҡорт халҡының малға ҡарашы эволюцияһын күрергә мөмкин, тип билдәләй. «Конфликттың нигеҙендә боронғо халыҡтың малға изге йән итеп ҡарауы менән һуңғараҡ осорҙа тыуған мөнәсәбәттәрҙең (уға байығыу сығанағы итеп ҡарауҙың) ярашып етмәүе, ҡаршылыҡҡа килеүе ята. Малды боронғоса изгеләштереп ҡараусы кешеләр яңы экономик шарттар тыуҙырған ҡараш менән тиҙ генә килешә алмағандар, ризаһыҙлыҡ белгерткәндәр. Бына ошо ризаһыҙлыҡ ижадта сағылыш тапҡан». Мөхтәр Сәғитов (1933–1986) «…сюжетҡа ғаилә ҡороу өсөн мөһим кәртә булып социаль тигеҙһеҙлек проблемаһы килеп инә. Шул саҡ Ҡара юрға актив хәрәкәт итеүсе көс булып сығыш яһай башлай: геройға ҡыҙҙы ул үҙе килтереп тапшыра… Иртәктә ҡыҙ урлау йолаһының нигеҙендә ятҡан сәбәптәр ҙә бик асыҡ күрһәтелгән. Илаған Маҡтымһылыуҙы тынысландырып, Әбләй былай ти: Ҡалым биреп ҡыҙ алыу Ир-егеткә дан түгел. Минең атам байлығы Мәсем байға тиң түгел. Тик ҡалымға малым юҡ, Шуға күрә Ҡара юрғам Алып килде бергә үк. Бынан инде шул яҡшы аңлашыла: ҡыҙ урлауҙың нигеҙендә матди сәбәптәр, аныҡ әйткәндә, егеттең ҡалым түләрлек мөмкинлеге булмауы ята…» Салауат Галин (1934–2010) «Ҡара юрға» театр сәхнәләрендә 1998 йылда Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә «Ҡара юрға» эпосы буйынса спектакль ҡуйыла. Пьесаның авторы – Ғәзим Шафиҡов. Ҡуйыусы режиссер – Михаил Рабинович, ҡуйыусы-рәссам – Алла Коженкова, композиторы – Сергей Миролюбов, балетмейстеры – Александр Пепеляев. 2004 йылда «Ҡара юрға» спектакле Йошкар-Олала үткән фольклор фестивалендә беренсе урын яулай. (Фотолар Рус дәүләт академия драма театрының сайтынан алынды) 2013 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» тигән мюзикл ҡуйыла. Пьесаның авторы – Таңсулпан Ғарипова. Ҡуйыусы режиссер – Олег Ханов, композиторы – Урал Иҙелбаев, рәссамы – Альберт Нестеров, хореографы – Сулпан Асҡарова. Төп ролдәрҙә: Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаров, Ирада Ҡадирова, Алһыу Галина-Ғафарова һ. б. «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклында башҡорт халыҡ йолалары менән заман драматургияһы, музыка, йыр, хореография сәнғәтенең традициялары эҙмә-эҙлекле үрелеп бара. Спектаклдә милли колорит бик сағыу бирелә. Ҡара юрғаның кешеләрҙең бәхете хаҡына ҡылған изгелектәре һүрәтләнә, бында героик әкиәт, социаль-көнкүреш мотивтары, героизм темаһы, хыянат, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡ күренә. Фотолар М.Ғафури исемендәге БДАТ сайтынан алынды «Ҡара юрға»эпосы быуаттар буйына халыҡ хәтерендә йәшәү һөҙөмтәһендә яңы мотивтар менән байый барған. Яҙмаларҙа ваҡиғаларҙы, эпизодтарҙы һүрәтләүҙә төрлөлөк күҙәтелә. Бөгөнгө көндә был әҫәрҙең варианттарын монографик планда өйрәнеү, уның туплап баҫтырып сығарыу бурысы тора. Ҡулланылған әҙәбиәт: 1. Башҡорт халыҡ ижады. III том. Эпос. Өфө, 1998. 2. Галин С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө, 2004. 3. Кирәев Ә.Н. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961. 4. Сәғитов М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987. 5. Өммәти З. Башҡорт, типтәрләрнең жыр, бәетләре. Өфө, 1909. Ғәрәп графикаһында. 6. Башкирское народное творчество. Т. I. Эпос. Уфа, 1987. 7. Галин С.А. Башкирский народный эпос. Уфа, 2004. 8. Киреев А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970. 9. Лепехин И.И. Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 г. Ч. 2. СПб., 1802. 10. Рыбаков С.Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. СПб., 1897. 11. Салтыков И.В. Башкирские народные песни // Материалы и исследования по фольклору Башкирии и Урала. Вып. I. Уфа, 1974. С. 258–282. © Әбделмәнова Ә.В., автор-төҙөүсе, 2020 Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан © ГУП РБ Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой, авторы, 2019 г. Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Буй балас Дорогие персидские ковры нельзя было увидеть в башкирских деревнях. Читать → Пользовательское соглашение Политика использования cookie {"0":{"lid":"1531306243545","ls":"10","loff":"","li_type":"nm","li_name":"Тема ","li_title":"Тема ","li_req":"y","li_nm":"Тема "},"1":{"lid":"1531306540094","ls":"20","loff":"","li_type":"em","li_name":"Е-mail для связи","li_title":"Е-mail для связи","li_ph":"mail@example.com","li_req":"y","li_nm":"Е-mail для связи"},"2":{"lid":"1578487325957","ls":"30","loff":"","li_type":"ta","li_name":"Обращение","li_title":"Обращение","li_req":"y","li_rows":"2","li_nm":"Обращение"}}
Их, ошо урыҫ телен уҡытмаһындар ине! Юҡһа, дәрестә Рәшиҙә Усмановна әрләшә, өйҙә әсәйҙән эләгә, класташтар ҙа, беҙҙе артҡа һөйрәйһең, “2”-ләреңде төҙәт, тип аптырата. Мин “ярай” тип ҡотолам. Әммә, күпме тырышһам да, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Хәрефтәрҙе ҡайһылай ишетәм, шулай яҙам. Дөрөҫө нисек булалыр инде? Башҡорт телендә рәхәт икән: мужской род, женский род тип тә баш ватырға түгел. Сирек һуңында яҙған иншам тағы ҡып-ҡыҙыл булған. Хәс тә картуфтағы колорадо ҡуңыҙҙары инде! Етмәһә, Рәшиҙә Усмановна бөтә класҡа уҡып ишеттерҙе. Ғаилә хаҡында бына ниндәй инша яҙғайным: “Мая папа хороший. Ана пашла в работа. Мая мама красивый. Ана купит вкусный конфет. Мая сисренка играют сабака. Я лублу мая семья”. Миңә ҡалһа, бына тигән инша. Ҡайҙа хата барҙыр?.. Эй хихылдашҡан булдылар. Тәүҙәрәк асыуланған Рәшиҙә Усмановна ла түҙмәне, йылмайып ҡуйҙы. Аптырағас, үҙем дә уларға ҡушылдым. Уның ҡарауы, аҙаҡ әсәйем утлы табала бейетте генә! - Рус теле дәреслеген ҡулыңа йышыраҡ алһаң, бәлки, башыңа ла һеңер ине! - тип орошто. – Юҡһа, тотоп та ҡарамайһың бит... Әҙерәк ярһыуы баҫылғас, каникул осоронда үҙемде Өфөгә алып барасағын белдерҙе. - Бәлки, урыҫса һөйләшергә өйрәнеп ҡайтырһың, - тине. Минең насар уҡығым килә тиһегеҙме әллә? Киләсәктә тырышып ҡарарға булдым. Белһендәр әле Искәндәрҙең кемлеген. Әсәйем әйткәнсә, ҡайҙа барһам да, ҡултыҡ аҫтына дәреслек ҡыҫтырып йөрөй башланым. Тышҡа тотоп сыҡһам, уйнағанда китабым эскәмйәлә ятып тора. Ашағанда эргәгә һалып ултырам. Хатта йоҡлағанда ла баш осомда ята. Әммә ни файҙа? Китап тотоп йөрөп кенә башҡа аҡыл һеңмәй шул, ә асып уҡып алырға ялҡау килә. Әсәйем һүҙендә торҙо. Каникулдың тәүге көнөндә үк Әминә менән икебеҙҙе Өфөлә йәшәгән Гүзәл апайҙарға алып барып ҡалдырҙы. Баш ҡалаға килеүебеҙгә мин дә, Әминә лә күккә менгәндәй шатландыҡ. Дөрөҫ, килгән көндө ҡаланы балкондан ғына күҙәттек. Әммә иртәгә лә, иртәнән һуң да көн бар бит әле. Туғыҙар ҡатлы бейек-бейек йорттарға иҫебеҙ китте. Нисек ауып китмәйҙәр икән? Тағы урамдағы кешенең, машинаның күплеге аптыратты. Ҡырмыҫҡа иләүе кеүек бит! Әминә ҡапыл: - Ағай, ҡара әле, бәләкәс кенә поезд китеп бара! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ә-ә-ә, тыҡы-тыҡы килеп, трамвай үтеп бара икән. - Трамвай бит ул, - тинем белдекле генә. – Китап уҡыр, телевизор ҡарар кәрәк. - Их, шунда бер генә тапҡыр булһа ла ултырып йөрөргә ине!.. Әминә кис буйы шул турала ғына хыялланды. Минең дә трамвайҙа йөрөгөм килә, әммә быны һиҙҙермәҫкә тырышам. Унан, трамвайҙан да бигерәк, тиҙерәк ҡала буйлап йөрөгөм, урыҫ малайҙары менән танышҡым килә. Икенсе көндө мин дә, Әминә лә ғәҙәт буйынса сәғәт 7-лә уяндыҡ. Кейендек, йыуындыҡ. Урындарыбыҙҙы йыйып ҡуйҙыҡ. Гүзәл апайҙар ғына һаман йоҡлай. Әминә, түҙемһеҙ, әллә нисә тапҡыр кухняға сығып: - Самауырҙары ҡайнамай ҙа ҡайнамай, - тип уфтанды – Ауылда бит беҙ йоҡонан тороуға самауыр өҫтәлдә йырлап ултыра... Беҙҙе ишетеп, Гүзәл апай килеп сыҡты. - Бә-әй, был таң әтәстәре йоҡламай нимә эшләп ултыра? - Самауыр ҡайнағанын көтәбеҙ, - тине Әминә. Гүзәл апай көлөп ебәрҙе: - Иртә бит әле, туйғансы йоҡлаһағыҙ ни була? Беҙҙең йоҡо килмәне. Сәй эскәндән һуң Гүзәл апай “тиҙ генә эшемә барып ҡайтам, шунан тышта йөрөрбөҙ” тип ҡабаланып сығып китте. Беҙ, ваҡытты нисек үткәрергә белмәй, аптырашып ултыра бирҙек. - Ағай, әйҙә тышта уйнап инәбеҙ. – Әминәнең кисәнән үк бәүелсәктә бәүелгеһе килә ине. Беҙ, ишекте бикләнек тә, тышҡа сыҡтыҡ. “Рус теле” китабын да алдым. Тиҙерәк русса өйрәнергә кәрәк, юғиһә, урыҫ малайҙары менән нисек уйнармын? Әминә бәүелсәктә туйғансы бәүелде. Мин майҙансыҡтағы баҫҡыстар буйлап бер мендем, бер төштөм. Бер тирәлә йөрөү тиҙ ялҡытты. “Их, ҡайҙа икән үҙебеҙҙең һыу буйы, үрмәләргә һарай, ҡойма баштары!” тип ауылды һағына ла башланым. Шул ваҡыт подъездан, сүп-сар тултырылған биҙрә тотоп, минең буйы һары сәсле малай килеп сыҡты. Биҙрәһен ергә ҡуйып, беҙгә ҡарап тора башланы. Мин дә, баҫҡыстан төшөп, уның ҡаршыһына баҫтым. Малай ниҙер өндәште. Мин аңламай ҡалдым. Теге йәнә ҡабатланы. Мин һаман тексәйеп тора бирҙем. Өсөнсөгә ҡабатланы. Ауыҙға һыу уртлағандай, нимә тип өндәшергә белмәй аҙапланғанда, килде лә китабыма йәбеште. Их, русса белгәнбулһаммы! Белер инем нимә тип әйтергә! Ғәрлегемдән күҙгә йәштәр төйөлдө. Икәүләп тартыша башланыҡ. Ул китапты үҙенә тарта, мин – үҙемә. Бына теге йәнә: - Отдай! – тип китапты үҙенә табан һөйрәне. Мин дә бирешмәйем, не дам, тим уҫал ғына. Үҙем эстән генә: “Бына бит, мин дә урыҫса һөйләшә алам”, - тип ҡыуанам. Кәйеф күтәрелеп китте. Беҙҙе күҙәтеп торған Әминә түҙмәне, икебеҙҙең араға килеп баҫты. - Теймә! Теймә минең ағайыма! – Китап урыҫ малайы ҡулында ҡалды. Ул башҡортса белмәй ине, Әминәнең “теймә”һен Тима тип ҡабул итте. - Я не Тима, я – Антон! – тине ул. Әминә быны үҙенсә: “Үҙең теймә, ул алтын”, - тип аңланы шикелле: - Ниндәй алтын булһын ти, ағайымдың рус теле бит ул! – тип, китапты йомро малай ҡулынан тартып та алды. Үҙе: - Әйҙә, ағай, йәһәтерәк китәйек бынан, - тип мине икенсе яҡҡа һөйрәне. - Урыҫса яҡшы ғына өйрәнеп алһаң, һин дә улар менән эре генә һөйләшерһең әле, эйеме, ағай? – Әминә бешмәгән ағаһын йыуатырға тырышты. Мин, оялышымдан, ер тишегенә инерҙәй булдым. Икәүләшеп трамвай туҡталышына атланыҡ. Үҙем, бөтөнләй үк белемһеҙ түгел икәнемде белдерергә теләп, йорттарҙағы яҙыуҙарҙы Әминәгә уҡып барам: - Хлеб – икмәк була. Молоко – һөт, библиотека тигәне китапхана ул... Әминә миңә һоҡланып ҡарай. Үҙе туҡтауһыҙ: - Их, ҡасан мәктәпкә барып, рус телен өйрәнәм инде! – тип хыяллана. Трамвай тигәне беҙ килгән поезд вагонынан да бәләкәй, ә үҙе рельстар буйлап текелдәп елә генә. - Ағай, ҡара әле, анау трамвайҙы апай кеше йөрөтә! – тип Әминә һөрәнләп ебәрҙе. Вәт ғәләмәт! Минең дә апай кешенең трамвай һынлы трамвай йөрөтөүен тәүләп күреүем. - Ағай, әйҙә ултырып әҙ генә барайыҡ? Унан кире ҡайтырбыҙ, - тип Әминә ялына башланы. – Бер тапҡыр ғына!.. Үҙемдең дә трамвайҙа йөрөп ҡарағы килә, ҡыҙыҡ бит. Алғы ишектән һә тигәнсе инеп тә баҫтыҡ. Әминә иң алға барып торҙо. Уның аптырап ҡарауын трамвай йөрөткән апай ҙа һиҙгән икән. Ишеген асып, Әминәнән ҡайҙа йәшәүебеҙ, кемдәргә килеүебеҙ, нисәнсе класта уҡыуыбыҙ хаҡында һораша башланы. Башҡортса һөйләшкәс, ул үҙ туғаныбыҙҙай яҡын тойолдо. Әминә ихлас яуап бирә. Мин туҡталыштарҙы һанайым, хәбәр ҙә тыңлайым. Бара торғас, иҫәпте бутап бөтөрҙөм. Әллә өс, әллә дүрт, әллә биш туҡталыш үттек инде? Алдағыһында, Әминәнең сыҡмайым тип ҡарышыуына ҡарамай, төшөп ҡалдыҡ. - Мин бит трамвай йөрөтөргә өйрәнәм тигәйнем, - тип үпкәләне Әминә. Уны йыуатып, тынысландырып, аҙашып китеүебеҙҙе әйткәс, һыҡтарға тотондо. Ҡаршыға килгән трамвайға ултырҙыҡ та тәҙрәнән ҡарап бара башланыҡ. Биш кенә туҡталыш түгел, алтауҙы үттек, әммә таныш урын осраманы. Дөрөҫөрәге, бөтә туҡталыштар ҙа бер иш кеүек тойолдо миңә. Беҙ ултырғанында ғына һыу-һут һатыла тиһәм, ундай киоскылар күп булып сыҡты. Йә, апай менән Әминәне тыңлап килеп, тирә-яҡты яҡшылап ҡарап бармағанмын. Киләһе туҡталышта төштөк тә ҡабаттан кире яҡҡа ултырҙыҡ. Йөрөй-йөрөй бөтөнләй буталдыҡ. Инде мин дә илар сиккә еттем. Туҡталыштарҙың береһендә нимә эшләргә, ҡайҙа барырға белмәй ултырабыҙ. Арыныҡ, асыҡтыҡ. Тағы шул рус телен белмәүем өсөн терһәкте тешләрҙәй булдым. Уны өйрәнеп ни файҙа, барыбер ауылда бөтәһе лә башҡортса һөйләшә тип йөрөһәм, ҡайһылай кәрәк булып сыҡты! Былай күпме йөрөргә мөмкин, берәй яйын тапмай булмай. Гүзәл апай ҙа ҡайтҡандыр инде. Оялыуымды еңеп, берәйһенән ярҙам һорарға булдым. Көнбағыш һатып ултырған өс әбей эргәһенә килдем. - Извините, - тинем, уның “ғәфү итегеҙ” була икәнен иҫкә төшөрөп. – Где Гүзәл апайҙар живет? Һораным да оялышымдан бурҙаттай ҡыҙарҙым. - Какая еще Гузель апай? – Һорауыма һорау менән яуап бирҙе йәшерәге. - Ну, моя апайка. – Мин иларға етештем. Аҙаштыҡ һүҙен иҫемә төшөрә алмай аҙапланам. Әбейҙәрҙең береһе юлаҡ-юлаҡ ағып төшкән йәштәренә саң ултырып, бите бысранып бөткән Әминәгә ҡарап: - Заблудились что ли? - тип һораны. - Да, да! – Мин ҡыуанып киттем. Өсөнсө әбейем башҡортса аңлай булып сыҡты. - Эй, бәпкәм, нисек улай аҙаштығыҙ һуң? Әсә-атаң ҡайҙа? Адресығыҙҙы беләһеңме? - Нет, - тием руссалап. – Мы из деревни приехал. Үҙ ҡолағыма үҙем ышанмайым. Урыҫса апаруҡ һупалайым түгелме һуң? - Әйҙәгеҙ, - тип әлеге башҡорт әбейе беҙҙе ҡайҙалыр алып китте. Милицияға икән. - Иптәш милиционер, бынау ҡунаҡҡа ғына килгән балалар аҙашып, өйҙәрен таба алмай йөрөйҙәр. – Хәлде аңғартҡас, көнбағыштарын һатырға йүгерҙе. - Так... – Милиционер беҙгә ҡараны. – Откуда приехали? Кому приехали? - Из деревни. Гүзәл апайкаға. – Мин батыр ғына яуап бирҙем. - Адрес знаешь? На какой улице живет ваша сестра? - Адрес не знаю шул... Живет на улице Зорге, - тинем дә бер аҙ торғас: - в автовокзале, - тип өҫтәп ҡуйҙым. Милиционер ағай Гүзәл апайымдың фамилияһын, атаһының исемен һорашты. Бәхетебеҙгә күрә, уларын белә инем. Ҡайҙалыр шылтыратты, кемдәр менәндер һөйләште. Бер аҙҙан беҙҙе эйәртеп сығып китте. Ниндәйҙер трамвайға ултырҙыҡ. Туҡталышта төшкәс, хатта ышанмай торҙом. Ошондағы кешеләргә, йорттарға теге яҡҡа үткәндә лә, был яҡҡа үткәндә лә нисәмә тапҡыр ҡарап уҙғайныҡ бит әле! Йорт алдында илап бөткән Гүзәл апай ҡаршыланы: - Ниңә өндәшмәй-нитмәй сығып киттегеҙ? Йөрәкте алдығыҙ бит! Үҙе беҙ табылыуға эй шатланды. Шундай ҙур ҡалала юғалмайынса ҡайтып килеүебеҙгә хайран ҡалды. Был мәлдә минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Ҡайтҡас әсәйемде лә, класташтарымды ла русса ғына һөйләшеп вәт аптыратасаҡмын! Милиционер ағайға бер туҡтауһыҙ рәхмәт яуҙырған апайымды йыуатырға теләп: - Мы больше не буду, - тинем эре генә. Ҡалала саҡта тик русса ғына һөйләшергә ҡарар иткәйнем. Фото: интернет. https://vk.com/club25661061 Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
(Created page with "'''==Итле кәбеҫтә менән котлет == Игредиенттар: * 1кг һыйыр ите * 200 гр аҡ күсәнле кәбеҫтә * 50 гр ба...") 21:18, 30 ғинуар 2017 версияһы (төҙәтеү) (кире алыу) Менәүерә Бохарбаева (әңг. | өл.) Нет описания правки Киләһе үҙгәртеү → * 200 гр аҡ күсәнле кәбеҫтә * 50 гр башлы һыуған * 50 гр йәшел тәмләткестәмләткестәр * 1 шт йомортҡа * 1 аш ҡалағы манный ярмаһы * 2 аш төйөлгән икмәк шөкәрәһе * борос, тоҙ Әҙерләү.: Кәбеҫтәне ваҡ итеп турарға, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. Һыуынғас, кәбеҫтәне баҫа-баҫа, һыуын һарҡытырға. Итте һыуған менән ит турағыс аша үткәрергә, кәбеҫтәне ҡушып, туралған йәшел тәмләткес, петрушка, йомортҡа, манный ярмаһы, сама менән тоҙ, борос һалып бутарға. Котлеттарға тейешле форма биреп, үҫемлек майында табала ҡыҙҙырырға.
Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлиә Исҡужина сәнғәт юлына яңы аяҡ баҫһа ла, эстрада, классик йырҙарҙы ла берҙәй оҫталыҡ менән башҡарыуы менән тамашасыларҙың яратҡан йырсыһына әүерелде. Баймаҡ районы Темәс ауылы ҡыҙының күңел төбөндәге йөрәк серҙәрен менән ҡыҙыҡһындыҡ. - Әлиә, буласаҡ тормош иптәшеңде нисегерәк күҙ алдына килтерәһең? - Әлбиттә, бар яҡлап та ышаныслы булырға тейеш. Тормошомдо аңлауы, мине хөрмәт итеүе, маҡсатлы, эшһөйәр, хәстәрлекле булыуы мөһим. Йәнә балаларымдың атаһы эсмәҫкә, тартмаҫҡа тейеш . - Талаптарың бик юғары һымаҡ. Ә ундай егет булмаһа? - Булыр тигән өмөттә ҡалам! - Күрәһең, үҙең шундай ғаиләлә үҫкәнһеңдер... - Эйе, беҙҙең ғаиләлә иҫерткес эсемлектәргә урын юҡ. Байрам табындары һут, сәй менән үтә. Мин шундай мөхиттә үҫкәс, алама ғәҙәттәре булған кешене аңлай алмайым, буласаҡ ғаиләм дә тап шундай булырға тейеш тигән ҡараштамын. Тағы беҙҙә дингә ихтирам ҙур. Өләсәйем беҙҙең менән йәшәгәс, уның һәр ваҡыт намаҙ уҡыуын күреп үҫтем, бергә мәсеткә йөрөй торғайным. Үҙем намаҙ уҡымаһам да, дингә ышанам, бына унынсы йыл ураҙа тотам
Рәсәй спортсыһы Евгений Рылов 1996 йылдан һуң йөҙөү буйынса илебеҙгә тәүге алтын миҙалды яуланы! Ә ватандашыбыҙ Климент Колесниковта - көмөш миҙал. Әйткәндәй, был төрҙә еңеү пьедесталына илебеҙҙән ике йөҙөүсенең күтәрелеүе СССР заманынан, 1980 йылдан алып булғаны булмаған! 23 йәшлек Максим Храмцов Рәсәй командаһы өсөн тарихи алтын миҙалды яуланы! Был тхэквандо буйынса илебеҙ тарихындағы тәүге миҙал! Ул Максимға еңел бирелмәй. Олимпиада алдынан ярты йыл элек әсәһен юғалта. Әйткәндәй, был еңеүҙе ул әсәһенә бағышлай. Һәм был еңеүҙе Максим тәүге алышта ҡулын һындырыуға ҡарамай яулай. Рәсәй әле дүртенсе баҫҡысты биләй Автор:Альмира Аюпова Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
"... Башҡорттар менән осрашҡан ваҡытта уларҙың айыҡ аҡылы ғына тугел, ә уйлап табыу һәләтенә маһир икәне асыҡ күренә. Гөмүмән, уларҙың аҡылы зирәк һәм отҡор булыуы менән айырылып тора, был сифаттар башҡорттарҙың холҡонда ла ярылып ята; механик ғәҙәт кенә түгел, ә төрлө алымдар талап иткән һәм шәхси хыялдарға урын булған шөғөлдәргә тартылыуҙары ла шуның менән аңлатылалыр. Ер һөрөп, бер төрлө генә эш менән булышыу уның күңеленә ятып бөтмәй — был хәрәкәтсән холоҡтоң үҙенсәлеге. ... Башҡорттоң аҡыл ҡеүәһе тураһында һүҙ йөрөтөүе ауыр, сөнки уларҙың шөғөлдәре был сифаттарға тулыһынса асылырға мөмкинлек бирмәй; шулай ҙа уларға тәбиғәттән тапҡырлыҡ, тиҙ отоп алыусанлыҡ бирелеүен инҡар итеп булмай. Был сифаттар башҡорттоң килеп тыуған хәлдән һәм кәртәләрҙән сыға белеүендә, үҙҙәренә оҡшаған эште башҡарыуында күренә..." (Живописная Россия; Отечество наше в его земельном, историческом, племенном, экономическом и бытовом значении. — Т. 8. Среднее Поволжье и Приуралъский край. — Ч.2. Приуральский край. — С Пб.; М., 1901.) * * * "...Көньяҡ Урал һырттарында үҙенсәлекле бер ҡәбилә йәшәй, уларҙы тау башҡорттары тип атап йөрөтәләр. Улар оҙон буйлы. Йөҙ төҙөлөштәре менән татарға оҡшап торалар. Ҙур булмаған һоро йәки ҡуңыр күҙҙәре йөҙҙәренә изгелеклелек бирә. Ҡолаҡтарының ҙур булыуы күҙгә ташланып тора. Сит кешеләрҙе ҙур ихласлыҡ менән ҡунаҡ итәләр, тик «ҡунаҡтар» ҡайһы саҡта уларҙың был ябайлығы һәм йомартлығы менән файҙаланыуҙан да тартынмай. Улар бик аҡрын, әммә сифатлы итеп эшләй. Татарҙар кеүек, улар ҙа ҡатындарын һатып алалар. Әгәр ҡыҙҙың атаһы риза булһа, ҡалымды бүлеп түләйҙәр һәм шундай килешеү булғанда ярты ҡалым т үләгән көйө лә кәләшен алып ҡайтып китә ала. Беренсе йылда йәш килен ҡайныһы һәм ҡәйнәһе менән һөйләшергә тейеш түгел, был йола башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙа ла бар. Башҡорттар әле малсылыҡтан игенселеккә күсеү осоронда. Элек уларҙың ерҙәре күп булған, тик уның күп өлөшө арзанға ғына һатылған. Ырымбур һәм Пермь губерналарындағы рудник һәм тау заводтары урынлашҡан ерҙәр башҡорттарҙыҡы булған. Ҡыштым тау заводы урынлашҡан 150 000 дисәтинәнән ашыу ер башҡорттан 150 һумға һатып алынған. Бындай ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы башҡорттар бер нисә тапҡыр баш күтәреп ҡараны, әммә уларҙың тырышлығы бушҡа булды... ... Хәҙер башҡорттарҙа үҙ еренең өстән бер өлөшө генә ҡалған. Ҡайһы бер өйәҙҙәрҙә хөкүмәт уларға һатыуҙы тыйып, яңы ерҙәр бүлеп биргән. Ерҙәрҙең яйлап ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендә башҡорттар йәшәү шарттарын үҙгәртергә мәжбүр. Улар ер эшкәртеүгә тотона башланы. Тәүҙә һөрөнтө ерҙәрен припущенниктар тип йөрөтөлөүсе урыҫтарға айырым хаҡ тәғәйенләп, биреп торһалар, хәҙер үҙ ерҙәрен үҙҙәре эшкәртәләр. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә башҡорттар элекке ғәҙәттәрен һаҡлай һәм йәйләүҙәргә сығып, малсылыҡ менән көн күреүҙе дауам итә. Улар һунарға йөрөргә ярата, шуға ла урман йәнлеген баҫтырыуға маһир тоҡомло эттәр үрсетәләр. Шулай ҙа бөркөт менән һунар итеүҙе айырыуса хуш күрәләр. Башҡорттарҙың эре мөгөҙлө малы, һарыҡтары күп, әммә төп байлыҡтары — көтөү-көтөү аттары. Был көтөүҙәр ит, һөт, тире бирә, тиренән улар кейем, һауыт-һаба тегәләр. Элегерәк башҡорттар араһында йөҙәрләгән, меңәрләгән ат тотоусыларҙы осратырға була ине, хәҙер был халыҡ ярлыланған". (Южный Урал и гориые башкиры//Новая библиотека. Приуральский край, его население и минеральные богатства/Сост. Н. А. Дьячков. — М., 1901). * * * "Намыҫлылыҡтары һәм киң күңеллелектәре менән башҡорттар башҡа сит-яттар алдында маҡтана ала: мал- тыуар төндә иркенләп урман ҡыҙыра; йәшәү рәүешенә әүерелгән хәйерселек башҡорт ауылдарына бөтөнләй ят күренеш". (Россия: Полное географическое описание нашего Отечества / Под ред. В.П.Семенова-Тянь-Шанского. СПб.: Изд-во А.Ф.Девриена, 1914). * * * "...Хәҙерге башҡорттарға ҡарап, уларҙың ҡыйыу, көслө һәм һуғышсан халыҡ булыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ниндәйҙер 100-200 йыл эсендә генә рус йоғонтоһо, көнкүреш һәм йәшәү шарттарының үҙгәреүе уларҙан бөтөнләй икенсе кеше яһаған. Башҡорттарҙың айырым ырыуҙары үҙҙәренең иҫәпһеҙ- һанһыҙ көтөүлектәре менән киң башҡорт ерҙәрендә йәшәгән. Улар менән борондан килгән йолалар нигеҙендә кенәз һәм халыҡ йыйыны идара иткән. Рус дәүләтен емергән монгол-татар ғәскәрҙәре башҡорттарға яһаҡ һалған, әммә уларҙың эске донъяһына ҡыҫылмаған... Һуңғараҡ улар тормошона рус батшалығы килеп ингән... Ҡаҙанды алғандан һуң, башҡорттар күршеләренең ҡыҫырыҡлауына түҙмәй, урыҫ батшаһына үҙҙәре барып ҡушылған. Иоанн башҡорт кенәздәренә ер менән идара итеү хоҡуғы биргән грамоталар тапшырған, дошмандарҙан һаҡларға һүҙ биргән, бары тик төрлө ташламалар яһап, яһаҡ түләргә ҡушҡан. Был ерҙәр Мәскәү батшалығы эҙәрлекләүенән ҡасыусылар өсөн оҙаҡ ваҡыттар йәшеренер урын булған. Бында шулай уҡ татар-монголдар ҡолатҡан батшалыҡтарҙан сығыусылар Ислам динен таратыр өсөн килгән. Улар тирә-йүндәге бөтә мосолмандарҙы Рәсәйгә ҡаршы күтәрергә тырышып, халыҡты үҙҙәренең өгөт- нәсихәтте менән ҡуҙғытҡан. Шуға күрә лә тәү башта баш күтәреүҙәр бойондороҡһоҙ Башҡортостанды тергеҙеү өсөн ихтилал характерын йөрөткән... ... XVIII быуат аҙағына баш күтәреүҙәр характеры үҙгәргән. Үҙаллылыҡ тураһында һүҙ йөрөтөү бүтәнсә мөмкин дә булмаған; тәүге планға ер мәсьәләһе сыҡҡан. ... 1736 һәм 1739 йылдарҙағы указдар «баш күтәреүсе» башҡорттарҙың ерҙәрен бушлай алырға рөхсәт биргән, был төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға сәбәпсе булып торған. Ул заманда закон эштәре формаль яҡтан һәр ваҡыт камил булмаған: канцелярия буталсыҡтарынан, ҡағыҙ эшенән һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡурҡып торған. Шуға күрә башҡорт ерҙәрен оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыусыларҙың хоҡуғы буталсыҡ һәм аңлайышһыҙ хәлдә ҡалған: был ерҙәрҙе башҡорттар элек-электән биләгән, ата-бабалары ошонда йәшәгән, ә уны дәлилләүсе бер ниндәй ҙә ҡағыҙ булмаған. XVIII быуатта бөтә ерҙә әүҙем рәүештә заводтар төҙөлә башлағанда, Башҡортостанда руда ятҡылығы табылған. Шул ваҡытта завод өсөн биләмәләр йыртҡыстарса юлдар менән яуланған, башҡорттарҙың белемһеҙлеге менән файҙаланып, әллә күпме меңдәрсә майҙан ерҙәр тиндәргә генә һатып алынған... Яңы төҙөлгән заводтарға эргә-тирәләге ауылдарҙы беркетеп, заводта эшләтеү һәм алпауыт ерҙәрен эшкәртеү өсөн тотош халыҡты алып килгәндәр. Башҡорт ерҙәре халыҡ ҡулынан тартып алына барған, һөҙөмтәлә улар үҙаллылығын юғалтҡан. Баш күтәреүҙәр бер-бер артлы ҡабатланған, хәҙер инде башҡорттар ғына түгел, рус крәҫтиәндәре лә борсола башлаған, быларға ҡарата яза ла ҡаты булған; халыҡты баҫтырыу өсөн ғәскәр саҡырылған, ауылдар яндырылған, ғәйеплеләр язаға тарттырылған, Себергә оҙатылған, ирке сикләнгән. Был ваҡиғалар азат, бай, аңлы һәм ғорур башҡорт халҡы баҫылғансы , бахыр, ярлы хәленә ҡалғансы дауам иткән. Ул элек юл булмаған, етәкселек дингә ҡыҫылмаған, яһаҡ һорап бер кем дә борсомаған мәлдәрҙе һағынып иҫкә алған. Пугачев ихтилалы һуңғы иң көслө күтәрелеш булып торған, унда башҡорттар әүҙем ҡатнашып, бының өсөн ҡаты язаға дусар була. Ҡасандыр башҡорттарға ҡараған ерҙәр шәхси хужаларға, крәҫтиән ойошмаларына һәм ҡаҙна ҡулына күскән. Бындай ирекле һәм ирекһеҙ күсерелештәр, ерҙәрҙе һатып та, талап та алыуҙар, ҡапма-ҡаршылыҡлы указдар арҡаһында ергә хоҡуҡ һәм ер мөнәсәбәттәре шул тиклем буталған, әле һаман күп ерҙәр өсөн низағтар дауам итә. Ер мөнәсәбәттәрен яйға һалыу өсөн башҡорттар ҡулында ҡалған ерҙәр түбәндәгесә бүленгән: башҡорт ер хужаларына 15-әр дисәтинә, «припущенник»тарға йән башына 30-ар дисәтинә бирелгән, ә ҡалған ерҙәр аҫаба башҡорттарҙың шәхси ерҙәре итеп ҡалдырылған. Тик был ерҙәр генә башҡорт йәмғиәттәре ҡарары буйынса һатыла алған. Запас ерҙәр ерһеҙ ҡалған йәки ере аҙ булған припущенниктарҙы тәьмин итеү өсөн Дәүләт милке министрлығы ҡарамағына тапшырылған. Әммә тиҙҙән (1871) крайҙа рус йоғонтоһон көсәйтеү өсөн запас ерҙәрҙән отставной чиновниктарға 150-1500 дисәтинә, ә хеҙмәткәрҙәргә, дәрәжәһенә ҡарап, тағы ла күберәк майҙанда ер биреү кәрәкле тип табылған. Был ерҙәр бик түбән хаҡҡа 37 йыл дауамында түләүгә бирелгән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ырымбур губернаһының бөтә запас ерҙәре һәм Өфө губернаһының күпселек өлөшө тартып алынған. Аҫаба башҡорттарҙың шәхси ерҙәре элеккесә үлсәнмәй-билдәләнмәй тәбиғи ыҙандары менән тиндәргә генә һатып алынған, йәғни 5 мең дисәтинә ер һатып алып, 10 мең дисәтинәһе тартып алынған. Ниһәйәт, 1882 йылда башҡорт ерҙәрен ҡаҙнаға һәм крәҫтиәндәргә генә һатыуға рөхсәт биргән указ сыҡҡан, тик был ваҡытта инде халыҡ ерһеҙ ҡалған булған. ...Башҡорттар, шулай итеп, тулыһынса таланған. Яңы шарттарға улар ҡулайлашып китә алмаған: 15 дисәтинә ере булған крәҫтиән арыу ғына йәшәп китер ине лә бит, тик башҡорт яртылаш күсмә халыҡ булараҡ, уның йөҙәр йылдар буйына һалынған холҡо, ғәҙәттәре тиҙ арала ғына үҙгәрә алмаған. Иркен ерҙәр күләме кәмегәс, башҡорттарҙа йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә аҙайған. Урмандар ҡырҡылып, халыҡ күбәйгәс, солоҡ ҡуйыу мөмкинлеге лә булмай башлай. Борон иһә башҡорттар үҙ тамғалары менән урман буйлап солоҡ умарталары ҡуйып сыҡҡан, һәм уларға хужа менән айыуҙан башҡа бер ни ҙә теймәгән. Хәҙер урманда йәнлектәр ҙә кәмегән. Шулай итеп башҡорт халҡының элекке шөғөлдәре юғала барған, ә игенселеккә улар әле күнекмәгән. Шуға ла бөтөнләй малы булмағандарға алпауыттарға батраклыҡҡа, һал ағыҙыуға, приискыға һәм заводҡа эшкә барыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Тау башҡорттары болондар буйлап бәләкәй генә йәйге өйҙәр төҙөп ҡуйған. Тирмә һымаҡ ул өйҙәрҙе үҙең менән килтереп ҡуйыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған: түңәрәк ағас рәшәткәләргә уртаһында төтөн сығыу өсөн тишек ҡалдырып, кейеҙ ябылған һәм торлаҡ әҙер булған. Тирмә уртаһында балсыҡтан эшләнгән усаҡта ут яғылған. Йәйләүгә сыҡҡанда кейеҙҙән тыш, үҙең менән иң ныҡ кәрәк-яраҡ ҡына алып киленгән һәм көтөү ҡыуылған. Хәйер, ҡышҡы торлаҡ та артыҡ йыһазландырылмаған: иҙәнһеҙ, түбәһе насар ғына ябыулы бүрәнә өйҙөң уртаһында тура торбалы сыуаллы усаҡ торған. Уның өҫтөнә ҡаҙан ҡуйылған, иҙәндә — һандыҡтар, яҫтыҡ, түшәктәр урынлашҡан. Тәҙрә ҡарындыҡ менән көпләнгән. ...Йәйләүгә күсенгәс, улар тәүге ваҡытта ашай ҙа йоҡлай торған булған. Көтөү артынан артыҡ ҡарарға кәрәкмәгән: улар йәйләү тирәләй тибенлектә йөрөгән, бейәләр ҡолонсаҡтары янына үҙҙәре килеп, имеҙеп киткән, һыйыр һәм һарыҡтарҙы ҡатындар ҡараған. Улар иртә тандан тороп, һыйыр һауған, һауыт-һаба йыуған, мал-тыуар тәрбиәләгән. Ирҙәр иһә һуң ғына тороп, бер тирмәнән икенсеһенә барып, ҡош һайрауын тыңлап, ҡымыҙ эсер булған. Башҡорттар ҡунаҡтарҙы, бигерәк тә алыҫтан килгәндәрҙе ихлас ҡаршы алған, һарыҡтары булһа, шундуҡ салып, бешерергә ҡуйған. Тирә- яҡ күршеләрен йыйып, оло табын ҡороп, ҡымыҙ эскәндәр, тәмле-татлы башҡорт ризыҡтары менән һыйланғандар... ...Башҡорттоң оҙайлы ҡышҡы йонсоуҙан һуң шул тиклем күп итеп майлы һарыҡ итен ашай һәм ҡымыҙ эсә алыуына хайран ҡалырлыҡ. Шулай ҙа былай ашау зыян килтермәү генә түгел, хатта файҙалы ла булған: ҡымыҙ эсеү һәм һарыҡ итен ашау башҡорттарҙың ҡышын кәмегән кәрен бер нисә аҙна эсендә күтәргән (хәҙер Урта Рәсәйҙән башҡорт далаларына ҡымыҙ эсер өсөн махсус рәүештә сирлеләр ебәрелә, күптәре тиҙ үк һауыға). Башҡорттарҙың көсһөҙлөгө һәм хәлһеҙлеге йәйләүгә сыҡҡас тиҙ үтә — улар тағы дәртле, йәнле, күңелле: һәм тик ошонда улар үҙҙәренең ғәйрәте, уйлап табыу һәләте, тапҡырлығы менән бер аҙ үҙҙәренең ата-бабаларын хәтерләтә. Йәйләү урынында йәйге байрам-йыйын да уҙғарыла: мәжлес, йырлау, бейеүҙәр, бүләккә көрәшеүҙәр, ат сабыштары ойошторола. Бүләккә ниндәй ҙә булһа яулыҡ йәки башҡа ваҡ-төйәк тәғәйенләнә, һәм уны еңеүсегә иң матур ҡыҙ тапшыра. Йәштәр төркөм-төркөм булып сатырҙар буйлап хужаларҙы ҡотлап йөрөй; бөтә ерҙә ҡунаҡтарҙы һыйлайҙар, йәғни алһыҙ-ялһыҙ тағы ла ашайҙар һәм эсәләр. Сауҙагәрҙәр, йәрминкәгә килгән кеүек, был байрамға тәмле-татлылары һәм емештәре менән күсеп килә: күп халыҡ йыйыла. Мосолман ҡанундары буйынса тыйылған шарап, араҡыларҙы ла килтерәләр... ...Йәй үтә һәм көҙгөһөн башҡорттар тағы ла үҙҙәренең ҡышҡы торлағына ҡайта. Әлбиттә, былай итеп тик мал көтөүҙәре һәм ерҙәре булған хәллеләр генә йәшәй алған. Уларға бындай күсеп йөрөүҙәр ысынлап та кәрәк булған, сөнки, ғәҙәттә, һөрөлгән ерҙәр һәм сабынлыҡтар ауылдан алыҫта урынлашҡан булған, ә көн һайын унар саҡрым алыҫлыҡҡа эшкә йөрөү мөмкин түгел. Ярлылар йыл буйына эш эҙләп, тегендә-бында йөрөйҙәр. Бай башҡорттар үҙҙәре сығып йөрөмәйҙәр, сөнки улар ҡышҡыһын да өйҙә арыу йәшәйҙәр, ә көтөүҙе утлауға хеҙмәтселәр менән дә ебәрергә була. ...Дин буйынса башҡорттар мосолман, уларҙың йолалары дөйөм мосолмандарҙыҡы кеүек. Мәсет ҡарамағында мәҙрәсәләр бар, унда мулла балаларҙы Ҡөрьән уҡырға өйрәтә. Шулай ҙа хәҙер уларға урыҫса уҡый-яҙа белеү файҙалыраҡ булыр ине; башҡорттар урыҫтар менән алыш-биреш итә, уларҙа эшләй һәм, әлбиттә, уҡый-яҙа белеү, һанау һәм урыҫ ҡағиҙәләре менән танышыу уларҙы күп алданыуҙарҙан һаҡлап ҡалыр ине. ...Уларҙың тарихи йырҙарында һәм риүәйәттәрендә икенсе, үткән тормоштоң шаңдауҙары яңғырай. Мәҫәлән, яратҡан башҡорт батыры Салауат тураһында йырҙар шундай... ...Һирәк булһа ла боронғо йырҙар йырланыла, иле, азатлығы өсөн көрәшсе, батыр образы халыҡ хәтерендә тоноҡлана бара. Замана йырҙары моңһоу, зарлы, уларҙа башҡорт тормошоноң төрлө етешһеҙлектәре йырланыла..." (Урал/ Сост. Т.Л.Хитрово. — М.: Издание Т-ва И.Д.Сытина, 1905. Издание осуществлено Географической комиссией Учебного отдела Обшества распространения технических знаний). 1867 йылда Император Рус географик йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге асылыуы төбәкте тарихи һәм географик яҡтан төптәнерәк өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Ырымбур бүлегендә 1870 йылдан «Записки», ә 1893 йылдан «Известия» нәшер ителә башлай. Өфө һәм Ырымбур губерналарының тупрағы, үҫемлек һәм йәнлектәр донъяһы тикшерелә. Ырымбур архив комиссияһы һәм башҡа фәнни ойошмалар барлыҡҡа килә. 1908 йылда Өфөлә урындағы крайҙы өйрәнеү йәмғиәте ойошторола. 1890 йылда П.П. Жакмондың «Очерки быта Оренбургских инородцев» хеҙмәте тыуа. Автор унда башҡорт ерҙәренең таланыуын, тартып алыныуын тикшерә, мал аҫыраусылар һанының кәмеүе, игенселек менән шөғөлләнеүселәрҙең аҙ булыуы тураһында яҙа. Жакмон төп массаның — башҡорт халҡының фәҡирлектә көн итеүе мәсьәләһен күтәрә. 1898—1917 йылдарҙа крайҙың ер ресурстарын комплекслы тикшереү маҡсатында С.С. Неуструев, Л.И. Прасолов, А.Г. Бессонов; 1916 йылда «Географический очерк Оренбургской губернии» китабын яҙыусы Д.Н. Соколов һәм Н.Н. Тихонович экспедициялары ойошторола. Был осорҙоң мөһим географик хеҙмәте булып С.С. Неуструевтың «Естественные районы Оренбургской губернии» китабы тора. XIX быуат аҙағы — XX быуат башына ҡараған тарихи-географик хеҙмәттәрҙә Ырымбур губернаһы башҡорттарының тарихы һәм этнографияһы буйынса төрлө материал тупланған. Улар үткән быуаттың башында нәшер ителгән энциклопедияларға, һүҙлектәргә һәм белешмәләргә индерелгән. Был һүҙлектәр һәм белешмәләрҙә төбәктең территорияһы, тәбиғәте, халҡы нисек тасуирланыуын, ул заман кешеләренең башҡорт халҡын һәм ул йәшәгән төбәкте нисегерәк итеп күреүен асыҡлаған өҙөктәр өҫтә килтерелде. ШУЛАЙ ИТЕП... XIX быуат дауамында — XX быуат башында рус тикшеренеүселәре: тарихсылар, ер үлсәүселәр, табиптар, чиновниктар аша башҡорттар һәм Башҡорт ере тураһында бик күп мәғлүмәттәр йыйылған. Башҡорттар тарихи процестарҙың әүҙем ҡатнашыусылары була: юҡҡа ғына Башҡортостанда булып үткән хәлдәргә Рәсәй тарихы буйынса Н.М. Карамзин, С.М. Соловьев кеүек ҙур тикшеренеүселәр яҙған дөйөмләштерелгән хеҙмәттәрҙә әҙ биттәр бүленмәгәндер. Шуның менән бергә, һәр дәүерҙә тикшеренеүселәрҙең башҡорт тарихына ҡарашы үҙгәргән: кемдәрҙер халыҡтың батыр үткәненә, уның яу яланында ҡыйыулығына һоҡланған, бер-бер артлы булып торған бөтмәҫ башҡорт ихтилалдарындағы ныҡышмалығына аптыраған, ә кемдәрҙер мәрхәмәт һәм йәлләү күрһәткән, хатта XIX быуат аҙағында — XX быуат башында 60-сы йылдарҙағы крәҫтиән, административ реформалар һөҙөмтәһендә туранан-тура нәфрәткә тиклем барып еткән. Шулай XIX быуатта халыҡ төшөнкөлөк хәленә алып барып еткерелә. Үрҙә рус ғалимдары, публицистары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәренән килтерелгән өҙөк һәм өҙөмтәләр аша рус фәне һәм әҙәбиәте тарафынан нимә эшләнгәне ҡарап үтелә. Һығымталарҙың үҙенсәлеге һәм авторҙар һүҙҙәре күбеһенсә уларҙың алдына ҡуйған бурыстарына, социаль статусына, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ни тиклем тәрәндән асыҡлауына ҡайтып ҡала. Шулай ҙа бында яҙылғандар, ҡайһы бер урындары улай уҡ хәҡиҡәткә тап килмәһә лә, рус тикшеренеүсеһе күҙлеге аша башҡорттарҙың ата-бабаларына күҙ һалыу өсөн етерлек һүрәтләнеш бирә, сөнки ваҡыты-ваҡыты менән һәр халыҡ үҙенә бүтәндәр күҙҙәре менән бағып алырға тейеш. Юғалмаҫ өсөн... (Роза Буканова, Вячеслав Фешкин. «Башҡорттар рус ғалимдары һәм тикшеренеүселәре хеҙмәттәрендә» китабынан). Киске Өфө, №42, 2009 йыл Twitter Digg Facebook Delicious StumbleUpon Эта запись написана автором Назир Сабитов, 10.02.2018 в 23:44, и размещена в категории тарих, риүәйәттәр, легендалар. Следите за ответами на эту запись с помощью RSS 2.0. Вы можете написать комментарий или разместить обратную ссылку на своем сайте. Ошо сайтта кәрәк мәғлүмәт эҙләр өсөн, аҫҡы юлға, мәҫәлән: башҡорт, – тип яҙһағыҙ шул биттәр асыла Ошо аҫтағы *поиск* юлға кәрәк һорау (мәҫәлән: доға (ошо һүҙҙе копировать итеп)) яҙһағыҙ – шул биттәр асыла
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре Асылыкүл тәбиғи паркы хеҙмәткәрҙәре һәм балыҡсылыҡ инспекторы менән берлектә күл биләмәһендә браконьерҙар тарафынан ҡуйылған ауҙарҙы тикшерҙе. Был рейдҡа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары ла ҡушылды. Республиканың иң ҙур күле һаналған Асылыкүлдең дөйөм майҙаны 23,5 квадрат километр. Шуға күрә тәбиғәт һаҡсыларына бындай эште башҡарыу өсөн арыу уҡ ҡына ваҡыт талап ителә. “Тәбиғи парк хеҙмәткәрҙәре һәм балыҡсылыҡ инспекторы, рейдтарҙы даими үткәреп торғанлыҡтан, браконьерҙар тарафынан ҡалдырып кителгән ҡылҡыуысты шунда уҡ күреп ҡала. Ау эсендә – тиҫтәләрсә үле балыҡ. Бер нисә бөртөк тере алабуға һәм табан балығы һыуға ебәрелде. Браконьерҙар тарафынан ҡуйылып, онотолған ауҙар ҙа осрай. Уларҙағы балыҡ үлә һәм серей башлай. Законға ҡаршы килгән бының ише балыҡ тотоу ҡорамалдары шунда уҡ алынып, һуңынан юҡ ителә”, – тип бәйән итә телеканал хәбәрсеһе. Башҡортостан буйынса һыу биологик ресурстарын дәүләт контролендә тотоу, күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге инспекторы Константин Ламзутовты был төбәктә күптәр яҡшы белә. Ул эш башлаған мәлдә, йәғни бынан ике йыл элек, Асылыкүлдән километрҙарға тиң ау сығарыла. Балыҡсылыҡ инспекторы әйтеүенсә, хәҙер хәл бер ни тиклем яҡшырған. Браконьерҙар ҡуйған ауҙар – Асылыкүлгә ҡағылышлы проблеманың бер генә өлөшө. Әлеге ваҡытта тәбиғәт һаҡсыларын күлдең йылдан-йыл һайығыуы ныҡ борсоуға һала. Шуға күрә улар был мәсьәләне ғилми йәмәғәтселек иғтибарына сығарған. Был хәл 2010 йылдан дауам итә. Мәҫәлән, быйылғы йәйҙә яр буйы һыҙаты алты метрға эскә шылған. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының 2019 йылғы отчеттарынан күренеүенсә, Асылыкүлдең һыуы бысрана бара. Тәбиғәт һаҡсылары уны тергеҙеү буйынса комплекслы программа кәрәклеге һәм ошо программа менән “Экология” милли проектына инеү зарурлығы тураһында белдерә. Тәбиғи парктың сафлығын һәм таҙалығын һаҡлау эше дәүләт кимәлендә алып барылырға тейеш, тигән фекерҙә экологтар. Ысынлап та, әлеге эшмәкәрлек һәм уларҙың киләсәккә уй-ниәттәре ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына тулыһынса яуап бирә. национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: pilothub.ru Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Asilik-l-yar-am-oray-483279/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
– Ләбибә, әйҙә күлдәгеңде Гөлбәрәгә биреп тор, бары ярты сәғәткә. Күрше ауыл ҡыҙҙары менән ярыш бөткәс тә, кире сисеп бирер. Класс етәксеһе Гөлсимә Самат ҡыҙы Ләбибә менән бик мөләйем һөйләште. Оҙаҡ уйлағас, ризалашырға тура килде. Сөнки уҡытыусы – Ләбибәнең ярат­ҡан еңгәһе. Ҡай саҡ дәрестәрен әҙерләмәй килһә лә, мәктәпкә уның ата-әсәһен саҡыртып тормай, ҡыҙҙың ғәйебен йомоп ҡалдыра. Шулай ҙа уңайы сыҡҡанда, был изгелеге өсөн Ләбибә еңгәһенең күңелен күрә. Күрә тигәс тә, шул үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан хәлдәр ярҙам итә инде. Әйтәйек, бына бөгөнгө кеүек: нишләп бирмәҫкә? Ләбибә икенсе күлдәген дә һалып алып килтергәйне. Уныһы тағы матурыраҡ та, селтәрҙәре бөҙрәләнеп тора. Ҡыҙ йәһәт кенә өҫтөндәгеһен сисеп, еңгәһенә ырғытты: – Мә, кире ҡайтармаһа ла була. Унан һуңғыны кире кейеп торорға бында… Миңә атайым тағы аласаҡ. Ә ул бахырҙың хәленән килмәҫе күренеп тора. Шуға, еңгә, алһын. Минән хәйер булыр… Гөлсимә Самат ҡыҙы был һүҙҙәргә аптыраһа ла, бер ни өндәшмәй, күлдәкте тотоп, сығып китеү яғын ҡараны. Күңеле ҡарайып, кәйефе ҡырылғанын көскә йәшерҙе. Ап-аҡ селтәр күлдәктә Гөлбәрә туй күлдәгендәге аҡҡошто хәтерләтте. Гүйә, яңғыҙ аҡҡош күлгә төшкән дә, үҙ яртыһын эҙләп, һомғол муйындарын кирә биреп, ләззәтләнеп йөҙә. Йөҙөнән нурлы йылмайыу китмәй. Ә күлдәге… уның өсөн генә тегелгәндәй, зифа буйына һыйпалып ятҡан. Ул сәхнәгә килеп сыҡҡас, ишетелмәҫ сихри моң бөркөлгәндәй булды. Тамашасылар, ошо сихрилыҡҡа иҫереп, уның һәр тән хәрәкәтен тойоп, тын да алырға онотоп, хайран ҡалғайны. Гөлбәрә, үҙ булмышына үҙе шатланғандай, сәхнәне буйлатып ураны ла, ғорур аҙымдарын әкренәйтеп, алғараҡ килеп, уң ҡулын йөрәк тәңгәленә ҡуйып, башын ипләп кенә алға эйҙе. Ошоно ғына көткәндәй, бөтә зал аяҡ өҫтө баҫып, дәррәү ҡул сапты. Шул саҡ, Ләбибә сәхнәгә күтәрелеп, Гөлбәрә янына килде лә, уның ҡолағына: – Тормош сәхнә түгел, үтә маһайма, бахыр, – тип шыбырланы ла, ҡысҡырып көлөп, кире урынына барып ултырҙы. Гөлбәрә иһә, иғтибарын уға йүнәлтмәй, тағы берҙе йылмайып баш эйҙе лә, сәхнә артына сығып юғалды… Йылдар үтте. Бына әле Гөлбәрә, юғары белемле тәфтишсе, өс улы, ире менән үҙ машиналарында елдереп, ауылға, ата-әсәһе янына ҡайтып бара. Бәхетле әсә, бынамын тигән ир ҡатыны, ҡараштарын алыҫҡа төбәп, үрҙәге ваҡиғаны тағы бер тапҡыр уйҙарынан үткәрҙе һәм атылып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө. Ауылға етәрәк, ун-ун биш саҡрым ҡалғас, бер ҡатындың ҡул күтәреп торғаны күренде. Малайҙарҙы тығыҙлап ултыртып, юлсы быларҙың ауылына ҡайтып барам, тигәс, ултыртып алдылар. Ҡатын ҡабалана ине. – Киске һауынға һуңлайым инде! Сит ил машинаһы булғанға ғына ҡул күтәргәйнем. Былай йәйәүләп йүгерер инем. Эй, беҙ өйрәнгән халыҡ, сабата туҙа тип йәлләп тормайбыҙ, йәйәү саптыртабыҙ ғына. Шул инде, бәхет булмағас. Һеҙ берәйһенә ҡунаҡҡа килә ятаһығыҙмы, шулай фырт ҡына? Гөлбәрә әйләнмәй генә: – Эйе, ҡунаҡҡа, – тине. – Шулайҙыр тим шул. Беҙҙең ауыл кешеһе булһағыҙ, төҫмөрләр ҙә инем. Эй-й-й, әҙәм булам тип, шулай йәшәп ятҡан саҡ… – ҡатын уйға бирелгәндәй, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Шунан бер аҙ тыныс ултырғандан һуң: – Ҡартайған көнөмдә, бәхетле булайым тип, кейәүгә сығырға йөрөйөм әле… Күрше райондан бер ҡарт­ҡа тимләнеләр. Бай ғына үҙе былай. Әбейе үлеп киткән дә, яңғыҙыма күңел­һеҙ тип, Гөлсимә еңгәм аша хәбәр ебәргән. Шунан, мәйтәм, бер ҙә кейәүҙә булмағас, исмаһам, туй күлдәге алыр өсөн аҡса һуғайым тип, ҡалаға көн дә һөт һатырға йөрөйөм бына… Улары ла ныҡ ҡыйбат икән. Эй, матурҙар үҙҙәре, хәтәр инде. Бер көн мәгәзиндә балитәкле берәүһен күреп иҫем киткәйне… Эй, ҡарт булһа ни… Теге, ҡарт ҡуйынында ла ҡалас бар, тиҙәр ҙә бит... Гөлбәрә өндәшмәй генә тыңлап килде. Шунан, ҡара күҙлеген систе лә, артҡа ҡараны. Унда, ауыр тоҡсайын күтәреп, Ләбибә ултыра ине. Йәше утыҙ биштә булһа ла, йөҙөн, күҙ тирәләрен һыр ҡаплаған. Башына ҡайырып яулыҡ бәйләгән. Гөлбәрәгә ҡыйын булып китте. Ҡайтып еткәнсе үҙен танытманы. Юл мәшәҡәттәренән арынғас, Гөлбәрә әсәһе менән аулаҡта ҡалғас, күптән борсоған һорауҙы бирҙе. – Эй-й-й, бәхет кемдең ниндәй ғаиләнән, фәҡирме, хәллеме тип һорап килмәй шул. Ул сабырҙарҙы, тыйнаҡтарҙы үҙ итеүсән, – тине әсәһе, бер аҙ уйланып. – Ата-әсәһе ҡапыл ғына вафат булғас, Ләбибә таяуһыҙ ҡалды ла ҡуйҙы шул. Ярай, еңгәһе, ағаһы бар. Уҡыта алманылар, ныу шул фермала һауынсы. Ярай, хәҙерге заманда, исмаһам, эшең булыуы ла яҡшы, – тине. Быға тиклем ҡайтып-китеп йөрөгәнендә, осрамаған­ғалыр ҙа, Гөлбәрә Ләбибә хаҡында ҡыҙыҡһын­ғаны юҡ ине. Был юлы үҙе осрағас, йәнгә тейә һалып та ҡуйҙы, хәтирәләрҙе лә яңыртты… Сығарылыш кисәһендә, ғәҙәттә, һәр уҡыусыға иғтибар биреп, уларҙың уңыштары хаҡында һүҙ йөрөтәләр. Гөлбәрәгә сират еткәс, уның хаҡында һөйләргә теләүселәр сиратҡа теҙелде. Мәктәп директоры, Сәғит ағай, бындай күренеште көтмәгән булған, ахыры, Гөлбәрәнең ҡулын ҡыҫты ла: – Һинең өсөн кисә ойоштороп ятабыҙ бында, әйҙә, үҙ һүҙеңде әйт тә, таралышайыҡ, – тип уны трибунаға саҡырҙы. Гөлбәрә ҡаушаны, әммә тиҙ генә үҙен ҡулға алды. Ғәҙәтенсә, йылмайып, һүҙ әйтәйем тип ауыҙын асҡайны, уның янына әлеге Ләбибә килеп менде: – Беҙҙең класты ун ете уҡыусы тамамланы. Ә һеҙ, ҡайҙа булһа ла ошо һәпрәне алға ҡуяһығыҙ. Киләсәктә ул кем булыр, тиһегеҙ? Фермала урын тапһа ярар ҙа һуң, астан үлмәҫкә. Хәҙер байҙар заманаһы. Бына берәй ун йылдан күрерһегеҙ әле донъяла кемдең кемлеген. Гөлбәрәгеҙҙе шул саҡта берегеҙ танып, хәлдәрен һорашырмы икән? Ә бына мин, мәҫәлән, банкир буласаҡмын. Уның хыялын белергә теләп, һүҙ биргәйнегеҙме?! Ошо урында класташ малайҙары күмәкләшеп Ләбибәне күтәреп алып китмәһәләр, Гөлбәрә битенә тағы әллә күпме бысраҡлыҡ яуыр ине. Кисә лә боҙолдо, кәйефтәр ҙә төштө… Әммә ун һигеҙ йыл үткәс, Гөлбәрә бындай осрашыуҙың буласағын күҙ алдына ла килтергәне юҡ ине... Их, Ләбибә… Гөлбәрә йүгереп сығып, ситке өйҙә ултырған һандыҡты асты. Унда һаҡланған “хәйергә” тип бирелгән селтәрҙән тегелгән аҡ күлдәкте сығарып, тәңкләп шыптырға төрөп һалды ла, ҡыйыу аҙымдар менән Ләбибә йортона атланы. Фото:pixabay.com http://www.ye02.ru/litra/14260-a-kldk-hiky.html Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Межгорье ҡалаларында, шулай уҡ Мишкә, Өфө, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Борай райондарында «Еңеү өсөн 100 балл» акцияһы үтте. Йыл һайын акция сиктәрендә йөҙ балл йәки юғары балл йыйғандар оҫталыҡ дәрестәре уҙғара һәм өлкән класс уҡыусылары менән имтиханға һөҙөмтәле әҙерләнеү тәжрибәһе һәм серҙәре менән уртаҡлаша, тип хәбәр иттеләр төбәк Мәғариф министрлығында. Акция Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт инициативаһы буйынса үткәрелә. «БДИ – һәр сығарылыш уҡыусыһы үтергә тейеш һынау ул. БДИ-ла юғары балға ирешеү өсөн бик күп көс һалырға кәрәк», — тип билдәләне Мишкә районының Мишкә ауылында Ф.Бүләков исемендәге 1-се лицейын тамамлаусылар. Бөрө ҡалаһының 7-се урта белем биреү мәктәбен тамамлаусы ҡыҙ уңыш нигеҙе имтихандарға системалы әҙерләнеүгә ҡайтып ҡала тип иҫәпләй. Шулай уҡ уға Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһына әҙерләнеү һәм унда ҡатнашыу, шулай уҡ башҡа конференцияларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыу ярҙам иткән. Башҡортостанда 100 балл һәм юғары балл йыйғандар өлкән класс уҡыусыларына үҙҙәренең белеме һәм БДИ хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ акция сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре үтте. Төбәк предмет комиссиялары эксперттары сығарылыш уҡыусыларына эштәрҙе иғтибарлы эшләү кәрәклеге тураһында һөйләне. Психологтар имтихандар осоронда тыныслыҡ һәм ышаныс һаҡлау мөһимлеген билдәләне. http://www.bashinform.ru/news/1150358-bashkiriya-prinyala-uchastie-vo-vserossiyskoy-aktsii-100-ballov-dlya-pobedy-/ Автор:Ғәлиә Нәбиева Теги:мәғарифакциялар Читайте нас в Рубрики Йәмғиәт Спорт Иҡтисад Хәл-ваҡиғалар Мәҙәниәт Сәйәсәт Лонгрид Электрон почта [email protected] Адресы 450077, Уфа, Кирова, 45 Реклама хеҙмәте (347) 250-11-11 Редакция (347) 250-07-28 Ҡабул итеү бүлмәһе (347) 250-05-07 Хеҙмәттәшлек (347) 250-06-14 Кадрҙар бүлеге [email protected] Кире бәйләнеш © 1992-2022 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах. 18+ запрещено для детей. При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары Сипайлово биҫтәһендәге Гагарин урамында ҡарағай һәм алма ағасы үҫентеләре ултыртты. Акция Рәсәй космонавы Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 60 йыл тулыуға арналды. Стенаһына йыһангир һүрәтләнгән йорт алдында ике алмағас һәм юл буйлап егерме төп ҡарағай ултыртылды. Билдәле булыуынса, Юрий Алексеевичтың башланғысы менән Байконурҙа, Сочиҙа космонавтар аллеяһында ағастар тамыр йәйгән. Үҫентеләрҙе урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡарап һыу һибеп торасаҡ. https://bash.news/bash Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Рәсәй һәм Грузия мөнәсәбәттәре элеккесә һалҡын килеш ҡала. Грузиндар был һалҡынлыҡтан күберәк зыян күрә. Сөнки Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, Мәскәү менән Тбилиси араһында 8 июлдән бирле самолеттар осмай. Грузиндарға Ереван, Баҡы, Истанбул аша осоп, аҡсалата зыян күрергә тура килә. Рәсәй һәм Грузия мөнәсәбәттәре элеккесә һалҡын килеш ҡала. Грузиндар был һалҡынлыҡтан күберәк зыян күрә. Сөнки Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, Мәскәү менән Тбилиси араһында 8 июлдән бирле самолеттар осмай. Грузиндарға Ереван, Баҡы, Истанбул аша осоп, аҡсалата зыян күрергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта, грузиндар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Грузияға ҡаршы иҡтисади санкциялар индереүҙе хупламауын миһырбанлыҡ акты тип ҡабул итте. Грузия халҡының ҡыҙыу ҡанлы булыуы үҙ-ара сауҙаға ла зыян килтерә. Рәсәй ритейлерҙары грузин шараптарының һәм минераль һыуҙарының аҙ һатылыуына зарлана. Етмәһә, шарап менән һыуҙар ялған икән, тигән хәбәрҙәр рәсәйҙәр араһында киң таралған. Эйе, Рәсәй магазиндарында хәҙер йәнең теләгән шарапты һәм һыуҙы һатып алырға мөмкин. Мәҫәлән, Красоусол һыуын эсергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Үҙе арзан, шифалы һәм, әлбиттә, ялған түгел. #ВладимирПутин Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортонда шөғөлләнеүсе ,,АУАЗ" башҡорт фольклор ансамбле Татарстанда, Ҡазан ҡалаһында уҙғарылған ,,Ҡазан һөлгөһө" тип аталған V Халыҡ-ара фестиваль бәйгеһендә ҡатнашып, 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Башҡортостандағы иң ҙур фольклор ансамбле булып һаналған был төркөмдә 30-ға яҡын йыр-моң һөйөүсе шөғөлләнә. Оло йәштәгеләрҙең күп булыуы "Ауаз"дарға үҙе бер мәртәбә өҫтәй. Йәше 80-гә етеп барған ағинәйҙәр үҙ сығышында: Башымдағы яулығымды Йәшелгә алышмайым Йәшем һикһәнгә етһә лә Йәштәрҙән ҡалышмайым, тип, ут сәсрәтеп бейеп китеүҙәре генә лә ни тора! Фольклор төркөмөнөң художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимероваға, музыкаль етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаевҡа, "Ауаз" төркөмөндә шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр артистарға эштәрендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Һәр беребеҙҙең ниндәйҙер еҫе булыуы ғәҙәти күренеш. Әгәр ҙә ул ныҡ киҫкен, ауыр, түҙеп торғоһоҙ икән, өс ауырыуға тикшереү яһау яҡшы булыр. Диабет Күҙәнәктәр энергияны глюкозанан алып еткермәгәс, улар уны майҙан ала. Шул сәбәпле бауыр кетондар сығара башлай. Уларҙың артыҡ булыуы ауыҙҙан ацетон еҫе сығара. Әгәр һин уны тояһың икән, диабетҡа тикшерел. Бауыр сирҙәре Ауыҙҙан йәки һейҙектән яңы сабылған бесән еҫе сыҡһа, бауырҙы тикшертергә кәрәк булыр. Бөйөр ауырыуҙары Әгәр бөйөр дөрөҫ эшләмәй икән, улар ҡанды насар фильтрлай. Һөҙөмтәлә бактериялар һәм артыҡ аҡһымдар бәүелдә туплана. Шул арҡала һейҙектән аммиак (һаҫыған йомортҡа кеүек) еҫе сыға башлай.
23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Иҫке Собханғол мәктәбе биләмәһендә илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙарҙа башын һалған, локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә митинг үтте. 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Иҫке Собханғол мәктәбе биләмәһендә илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙарҙа башын һалған, локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә митинг үтте. Митингта ҡотлау һүҙе менән район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, отставкалағы авиация майоры Ф. Ырыҫҡолов, район ветерандар советы рәйесе Р. Салауатова, Иҫке Собханғол мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы И. Сирбаев сығыш яһаны. Ватан һаҡсыһы һәйкәленә сәскәләр һалынғас, митингта ҡатнашыусылар Тыуған ил өсөн башын һалған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды. Митингынан һуң халыҡ Иҫке Собханғол ауылының Күҙәмбәт яланында аттар ярышын ҡарарға йыйылды. Халыҡ араһында әүҙем ял һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, таҙа ҡанлы һәм тоҡомло башҡорт аттарының данын таратыу, милли ат спортын популярлаштырыу, иң көслө спортсыларҙы һәм аттарҙы билдәләү маҡсатында районда 51-се тапҡыр үткәрелде был бәйге. Сара 35 бәйгесене йыйҙы. Был ярыштарға улар бик етди әҙерләнгән. Беренсенән, сараның абруйы юғары талаптар ҡуйһа, икенсенән, ошондай саралар ғәмгә сәм өҫтәй. Көйәрмәндәрҙә айырыуса санаға егелгән ат менән 7 саҡырым арауыҡҡа уҙыштар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ярыштар бер нисә этапта үтте. 1-се заезд – “Терра Башҡортостан” бәйгеһенә һайлап алыу рәүешендә башҡорт тоҡомло аттарҙа һыбайлылар ярышы. Дистанция – 2400 м. 2-се заезд Ватан һаҡсылары көнөнә арналды. Спортсылар саналы аттарҙа 7 саҡырым арауыҡты ваҡытҡа ирекле стилдә үттеләр. 3-сө заезд – саналы юртаҡтар ярышы. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. Бәйгеселәр 6 саҡырым араны саналы аттарҙа юртып ҡына үтергә тейештәр ине. 4-се заезд – саналы аттарҙа ябыҡ ярыш – “Бәйге” тип аталды. Бында төп приз Бөрйән районы хужалыҡтары араһында уйнатылды. Улар 10 саҡырым (10 әйләнеш) арауыҡты ваҡытҡа ирекле стилдә үттеләр. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 28 февраль һанында уҡығыҙ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.