text
stringlengths
433
77.6k
Әллә ни булды ла ҡуйҙы Ғәбиҙәгә. Үҙе лә аптырап ҡуя. Олоғайып түшәктә әллә ни ятмаҫтан әсәһе үлгәне бирле, әйтерһең дә алмашынды ла ҡуйҙы. Ашағаны аш түгел, әҙерәк кенә "төшөрөп " алыуҙы көһәп тик тора эстә ниҙер.Ҡайғыра тиер инең, әллә ни ҡайнар ҙа булманы аралары әсәһе менән, һалҡыныраҡ булды шул бар яҡындары менән дә.Әллә бер ауылда, бер урамда йәшәгәнгәмелер?! Әле лә, сәй яһап алды ла, эскеһе килмәгәс, ирен -Шәрифен өҫтәлдә яңғыҙ ҡалдырып, һылтау табып урамға сыҡты. Июнь ҡояшы ҡарағай еҫе аңҡып торған өр яңы өйҙөң тупһаларын ҡыҙҙырып сайырын һығып сығарып та ҡуйған. Ойоғона йәбешеп һылашҡан ҡарағай йәшенә йәне көйә биреп һарай яғына атлауына, ҡапҡа яғынан бер тауыш ишетеп боролорға мәжбүр булды. -Ғәбиҙә еңгәй, һаумыһығыҙ! Ҡулына ниндәйҙер төйөрсәк тотҡан килендәше Мәрзиәне күреп, яһалма йылмайыу сығарып ҡаршы атлаған булды. -Еңгәй, бынауы бесәй һеҙҙеке лә инде,ивет?! Иҫке кәпәс эсенә өс дүрт көсөгөн һалып бесәйен тотҡан килендәше, әйтерһең дә юғалған иң ҡиммәтле әйберен тотоп алған , ҡулынан үҙе лә аңғармаҫтан йолҡоп тигәндәй тартып алып, үҙ ҡуйынына һылаштырған булды: -Эйе, минеке шул, әсәйемдең бесәйе бит! Мыяулап рәнйеп йөрөмәһен тип апҡайтҡайным да әсәй үлгәс тә, әллә ҡайҙа юғалып тик йөрөнө бит...Ә ҡайҙа булған һуң?Көсөкләгән икән... Йәшертен "йөҙ " ни сүрәттә икәнен хатта һиҙемләмәгән дә йәш килен ихлас хәбәрҙәрен теҙҙе лә теҙҙе -Беҙҙең өйҙөң төндөгө асыҡ торған икән, бөгөн шунан килеп сыҡты, бәләкәстәрен эйәртеп.Өй эсенә ишетелмәнеләр ҙә бит әле.Их, матурҡастар!Беҙҙең бесәй юҡ бит, еңгәй, бынауһын беҙгә бирерһегеҙ йәме. Әлегә бәләкәйерәк, һуңғараҡ алырмын... Эй күрә алмай көнләшә лә инде Ғәбиҙә ошо алсаҡ килендәшенән. Әллә ҡайҙан тап итеп алып ҡайтты ҡәйнеше, тыныс көн бөттө. Ҡәйнә менән дә уртаҡ тел таптылар, сөкөрләшеп сәй эскәндәрендә генә инеп өҫтөнә ҡайнар самауырын ауҙарып сығырҙай була ла ҡайһы саҡ. Ҡайтам тип тә ҡырталашмай, ер емереп эшләп тик йөрөй. Ҡалайтып шул ҡан дошмандай күргәненә бесәй биреп кинәндермәк кәрәк? -Ярай, ярай, алырһың!,-тип ихлас "йөҙ "менән оҙатып ҡалған булды. Ә эстә әйтерһең дә лава -ҡайнар вулкан урғылырға йыйынды. Ҡапҡанан Мәрзиәнең сығып киткәненә ышанғас, кәпәсе ние менән бесәйҙе тупһаға быраҡтырҙы , эстән генә "алла, мал булһа шулайтып артып ятмаҫ ине инде! ",тине.Йылы ҡосаҡта һыйпап торған хужабикәнең ҡырҡа үҙгәреп ҡаты иҙәнгә һелтәүенә һиҫкәнгән бесәй, бәләкәстәрен берәм берәм мырлап еҫкәй еҫкәй Ғәбиҙә яғына ҡарап алғас, тупһа аҫтына "саҡырыу командаһы " бирҙе... Йәшереп ҡуйған сәкүшкәне самалап ҡына сығып тәмләп йөрөп кенә үҙен эшкә күнектереү ғәҙәтен һис ташламаны. Шәрифе һиҙәлер кеүек, тик өндәшмәне, ҡайғыһын аңлай. Бәлки был ғәҙәте үтер тиеп көттө шул Шәриф тә. Бер көн шулай киске һауын үтеп киске эңер йәйелгәс, тулы биҙерәләр менән тупһала уйнаған өс "йомарлаҡҡа" эләгеп Ғәбиҙә саҡ әрәм итмәне ағын. Асыуы былай ҙа алҡымына тығылған мәл ине, иртәгәнән дә ҡалмай аҙаштырырға ҡарар итте бесәй балаларын.Еләк ҡарап килергә һылтанып, полиэтилен моҡсайға шаян бесәй балаларын тығып, биҙрәһе эсенә йәшерҙе. Мотоцикл менән тау үренә килеп еткәнсе ҡулы менән һыға тотоп саҡ килеп етте, ярай Шәрифе һиҙмәне. Биҙрәһен тотоп ситкә киткән булып, ағас араһына тағатып ебәрҙе моҡсайҙы.Аптыранған бесәй балаларының шаянлыҡтары юғалып, шиңеп ҡалдылар. Йәлләү ҙә,бер ни ҙә тоймаҫтан Ғәбиҙә шәп шәп атлап ире яғына атланы.Билдәһеҙлек ҡосағында ҡалған был йән эйәләренең киләсәгенән бигерәк, килендәшен бесәйле итмәүенә ҡыуанып уҡ ҡуйҙы ул... Һәр көн,һәр сәғәт тиерлек мыяулап балаларын эҙләгән бесәй, сысҡан тотоп әпкилеп теҙеп һалһа ла, балалары сабышып килеренә тамам өмөтөн өҙөп, өнһөҙ генә һыҙып, тупһанан көн дә инеп төшөп "төшөрөп " йөрөгән хужабикәһенә көфөрөнөң төшөрөн теләп талғын ғына ҡойроғон болғап рәнйене. Һөт төшөп һыҙлатҡан түшен ара тирә ялап ҡараһа ла, һыҙлау эстән үҙәккә үтеп, хатта атлауға ауырлаштыра ине... Йәмле йәй үтеп, көҙ ҙә етте. Тик Ғәбиҙәлә бер үҙгәреш һиҙелмәне, һарай тарафына һуҡмаҡ көндән көн таҡырайып, яңғыҙ "төшөрөүҙәр " оҡшамай башланы. Күңелле иптәштәр, серҙәштәр шешәне генә түгел, күңелде лә бушатҡандай тойолдо. Бесән мәлендә лә ҡасып, ауырыуға һылтанып ҡалыуҙар күп булды. Ҡош ҡорт өмәләре үтеп, һуғым һуйыу мәлдәрен яҡынайтты. Туған тыумасалы булғас ней, көн дә тиерлек табын артында һыйланыуҙар хатта килешеп ҡалды Ғәбиҙәнең яралы йәненә. Балалар тәрбиәһен дә, мал ҡарауҙы ла тулыһынса ир өҫтөнә йөкмәтеп ҡайтмай ғына күңел асыу хыялдары өттө күңелен.Ярайһы уҡ һыйланып алғас сираттағы табындан ҡайтмаҫҡа ҡырталашып, ҡайтырға тип йүнәлгән иренә Шәрифенә ҡаршы торҙо. Айыҡ тормошто үҙ иткән ире Ғәбиҙәне беләгенән матҡып ҡайтырға саҡырҙы. Шайтан шауҡымы көсәйттеме, ниҙер инде, айҡашып тигәндәй машина ишегенән һикереп төшөп көрткә сума сума ситкә ҡасырға тотондо.Һыңғар ҡулы менән рульгә тотонған Шәриф ҡатынын ҡулынан ысҡындырмайым тип ынтылған ыңғайға, машина тар юлда ситкә үк төшөп көрткә шөңгөнө. Ни Ғәбиҙәнең артынан китә алмай, ней машинаһын сығара алмай арыуыҡ ҡына хиталана торғас, ҡар тотҡононан ҡотолоп кире табын булған өйгә йүнәлде лә бит, әллә барып етмәгән Ғәбиҙәһе, әллә йәшенгәнме, таба алманы ла ҡуйҙы. Һыуыҡ ғинуар төнө, тынды ҡурып барған һыуыҡ төнгө ҡасҡынды үҙ бығауына сырмаған икәнен хатта уйлап та бирмәгән Шәриф, ҡайтып улдары менән уяулы йоҡоло төн уҙғарҙы. Ә был мәлдә... Еңелсә генә кейенгән Ғәбиҙә йылы машинанан төшөп көрткә сумыуы булды, юҡ айныманы, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ градус өҫтәлгәнен һиҙемләп ҡар диңгеҙен кисеп алға ынтылды. Итек ҡуңысынан иреп эскә, табанға уҡ ҡар һыуы йыбырлап үткәне һиҙелә, һалҡын Һаҡмар еле эскә үтеп, кистән һөрткән хушбуйы еҫен өйрөлтөп танауға бәреп еҫкәтә."Йымылдап янған анауы утҡа барып етһәм, урам юлына төшәм шикелде..." Билдән тиерлек баҫҡан ҡар еңел атларға бирмәй Ғәбиҙәгә, аяҡ балтырҙары талып, тамам хәле бөтөп саҡ ҡына сүгәләп хәл алырға сүкәйҙе. "Саҡ ҡына, саҡ ҡына тын алайым да..." Күҙ алдында урам лампочкаһы булып йымылдаған ут, әле берәү, әле икәү, әле өсәү үк булып күҙ алдында һикереште. Күҙҙәрен сытырлатып йомған Ғәбиҙә, рәхәтләнеп иҙырап, йылы усаҡ янында ултырғандай һиҙҙе. Һалҡын тойолған ел дә, йылы ғына һыйпап үткәндәй тойола башланы.Хатта торғо ла, атлағы ла килмәй, ошо килеш "усаҡҡа " йылынып тик ултырғыһы килде.Кистән ҡалҡа биргән буран, балаларын эҙләгән бесәй кеүек мырылдап мырылдап ҡуя.Керпектәрҙең ауырайыуып ҡатыуына һиҫкәнеп, йыбаныс ҡына күҙ ҡабағын күтәреүгә янында йомшаҡ ҡына бесәй балалары балтырына һырылғандай тойоп, ҡосоп алғандай итеп үҙ үҙен ҡосто. Тағы ла йылыраҡ булған һымаҡ тойолдо Ғәбиҙәгә. Күҙ алдында усаҡ, усаҡ янында бесәй балалары, ҡолаҡ төбөндә генә буран "мырлауы"... "Хәҙер, хәҙер, әҙерәк кенә йылынып хәл алам да..." Ултырған килеш шыҡырайып ҡатҡан ҡатын һынын, тик бер тәүлек үткәс кенә һаҙлыҡта күреп ҡалалар. Эҙләмәй түгел, эҙләй Шәриф, тик юлһыҙ ниһеҙ һаҙлыҡта ултырыр тип Ғәбиҙәһе һис уйлап та бирмәй, берәйһендә йәшенеп яталыр тип өмөт итеп өйберенсә тиерлек эҙләй... Әсәләрен юғалтҡан улдарының һыҙланып һыҡтап илауын, ҡышҡа хас булмағанса ебеткәк ҡар яуып шәре ҡалҡытҡан көн торошо ла туҡтата алмаҫ бесәй туйының шыҡһыҙ тауыштары тоноҡландырғандай ине... https://vk.com/id279935805 Фото: pixabay.com Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Фәйзелғаян Әхмәтов Дүртөйлө районы Иванаево ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ул Тыуған илде Тула өлкәһе биләмәһендә һаҡлай, шунда һәләк була. Бөгөн батырҙы тыуған яғына алып ҡайтып ерләнеләр. Митингта мәктәп уҡыусылары, фронтовиктың тыуғандары, ейәне ҡатнашты. Фәйзелғаян Әхмәтов иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, уны белгән, уның менән таныш булғандар телмәр тотто. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Салауат районының Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып уңыштары менән ҡыуандыра. Салауат районының Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып уңыштары менән ҡыуандыра. Мәҫәлән, “Йәш таланттар-2019” Бөтә Рәсәй Арт-проектының төбәк этабында еңгән йәш музыканттарыбыҙ конкурстың финалында ла яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Илнур Имаев (ҡурай класы, етәксеһе Р. Нурмөхәмәтов) – II дәрәжә, Мансур Солтанов ( һуҡма музыка ҡоралдары, етәксеһе Р. Ханов), Уралия Таһирова ( сәхнә вокалы, етәксеһе Р. Ғәлимова) III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Балалар сәнғәт мәктәбенең Арҡауыл бүлексәһе тәрбиәләнеүселәре лә уңыштар яулай. “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре фестиваль-конкурсында Элеонора Бушмелева һәм Анна Сапожкинаның бейеү дуэты “Халыҡ-сәхнә бейеүе. Дуэт” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды һәм I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. “Гөлназ” бейеү ансамбле III дәрәжә лауреат булды. Йәш бейеүселәрҙе хореограф Гөлназ Ишалина әҙерләне. Бынан тыш өлкән класс уҡыусылары пианисттарыбыҙ Алһыу һәм Лиана Сәйфуллиналар (Арҡауыл бүлексәһе, етәкселәре И. Хәйруллина) һәм Азалия Мулләхмәтова (Янғантау бүлексәһе, етәксеһе С. Шакирова) “Буяуҙар һәм көйҙәр донъяһында” VII төбәк-ара олимпиадала сығыш яһаны. Алһыу һәм Лиана - II дәрәжә, Азалия III дәрәжә дипломант булды. С. Заһиҙуллина, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары. Салауат районы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Шишәмбе көндө Киров исемендәге хужалыҡта райондың ауыл хужалығы белгестәре, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар мал аҙығы әҙерләү буйынса семинарға йыйылды. Шишәмбе көндө Киров исемендәге хужалыҡта райондың ауыл хужалығы белгестәре, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар мал аҙығы әҙерләү буйынса семинарға йыйылды. Семинар түңәрәк өҫтәл артында үтте. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин сараны асфып, Өфөнән килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үтте. Артабан Башҡорт дәүләт аграр университетынан, ауыл хужалығы үҙәгенән килгән ғалимдар мал аҙығы әҙерләү темаһы буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәре, кәңәштәре менән сығыш яһанылар. Уларға район хужалыҡтары етәкселәре, белгестәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Баш агроном Айҙар Туйгилдин районда быйылғы йылда әҙерләнәсәк мал аҙығы планы менән таныштырып үтте. Күпме бесән, сенаж, силос кәрәклеге хаҡында белешмә бирҙе. Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов малсылыҡ тармағы буйынса эш барышы хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ район хужалыҡтары етәкселәренең һәр береһе, фермерҙар мал аҙығы әҙерләү буйынса үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып үтте. Семинарҙа ҡатнашыусылар Киров исемендәге хужалыҡтың техникаһы менән яҡындан танышты. Түңәрәк өҫтәл артында һәр бер сығыш яһаусы: «Көтмәҫкә, тиҙерәк мал аҙығы әҙерләргә төшөргә кәрәк», - тигән фекерен еткерергә тырышты. Шулай итеп, районда мал аҙығы әҙерләй башлауға старт бирелде. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Баҡалды ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшмәкәрлек итә. Биләмәгә ҡараған Баҡалды, Баҫыу, Ҡыҙғы, Родинка, Тирәкле һәм Уҫаҡлы ауылдарында аҙна һайын төрлө саралар ойошторола. Һуңғы ваҡытта коронавирусты йоҡтормау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, һыу ятҡылыҡтары эргәһендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә арналған аңлатыу эштәре даими рәүештә башҡарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу инеү миҙгеле тамамланыуға ҡарамаҫтан, ярамаған урындарҙа ял итергә теләүселәр, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәй балыҡ тотоусылар, йылға буйҙарына балаларын яңғыҙ ебәреүселәр һаны кәмемәй. Фажиғәгә юл ҡуймау маҡсатынан көн һайын график буйынса һыу объекттарына рейдтар уҙғарыла, файҙалы мәғлүмәттәрҙән торған иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратыла. Шулай уҡ имен булмаған ғаиләләр менән тәрбиәүи саралар үткәрелә. Ауыл урамдарын, оло юл буйҙарын тәртиптә тотоуға ла ҙур иғтибар бүленә: үләндәр сабыла, сүп-сарҙар таҙартыла. Байтаҡ ауылдаштар урам кәртәләрен яңыртты. Баҡалды ауылы биләмәһе халҡы барлыҡ башланғыстарҙы дәррәү күтәрергә тора. Гүзәл Мырҙагилдина, Баҡалды ауылы биләмәһе белгесе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Бөгөн Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышы асыла. Быйыл стратегик ҡараш төркөмө ултырышының төп темаһы — «Конфессия-ара татыулыҡ: Рәсәйҙең һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәренең тәжрибәһе». Бөгөн Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышы асыла. Быйыл стратегик ҡараш төркөмө ултырышының төп темаһы — «Конфессия-ара татыулыҡ: Рәсәйҙең һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәренең тәжрибәһе». Форум барышында пленар һәм өс эш ултырышы, төбәктең инвестиция йәлеп итеү буйынса күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана. Бынан тыш, Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премияһын тапшырыу тантанаһы була. Сарала ҡатнашыусылар Рәсәйҙә нәшер ителгән ғилми-дини хеҙмәттәр күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Форумдың абруйлы ҡунаҡтары: Рәсәйҙең сит ил эштәр министры урынбаҫары Михаил Богданов, Рәсәйҙең Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы даими вәкиле Рамазан Абдулатипов, Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Фәрит Мөхәмәтшин, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академия ректоры Александр Яковенко. Ултырыш эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың, Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановтың, шулай уҡ илдең бер нисә төбәге етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Улар иҫәбендә – Дағстан, Чечня, Төньяҡ Осетия-Алания, Адыгей, Ингушетия, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес, Ҡырым. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Бостонда Шон Кольерҙы- Массачусетс технологик институтының полиция хеҙмәткәрен ерләнеләр. Ул ағалы-ҡустылы Царнаевтар менән атыш ваҡытында һәләк булған. Америка гражданлығын алған, әммә даими рәүештә Махачҡалала йәшәгән Царнаевтарҙың әсәһе улдарының ғәйепһеҙ булыуына ышана: “Был ҡот осҡос хәл! Әммә шуны беләм: балаларымдың быға ҡыҫылышы юҡ. Мин- әсәй. Мин балаларымды беләм. Минең балаларымдың бындай нәмәләргә ҡыҫылышы булыуы мөмкин түгел.” Ҡулға алғанда ауыр йәрәхәтләнгән Джохар Царнаев дауаханала ята. Күмәк үлтереште лә индереп, уға бер нисә пункт буйынса ғәйепләү белдерелгән. Енәйәте өсөн үлем язаһы янаған 19 йәшлек Джохар Царнаев ФБР агенттарына полиция менән атыш ваҡытында үлгән ағаһы Тамерландың енәйәти төркөм лидеры һәм теракттың төп идеологы булыуын һөйләгән. 15 апрелдәге Бостон марафоны ваҡытындағы ике шартлау ваҡытында 3 кеше һәләк булды, 260-тан ашыуы яраланды. АҠШ Конгресы махсус хеҙмәттәрҙән, Рәсәйҙең компетентлы органдарынан киҫәтеү ала тороп, Тамерланды күҙ уңынан ысҡындырыуҙары һәм ғәмһеҙлек күрһәтеүҙәре өсөн аңлатма талап итә. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Төрөмбәт ауыл китапханаһында үткән "Әҙәбиәтебеҙҙең көләс йөҙлө арғымағы" исемле дәрес Риф Мифтаховтың 80 йәшлек юбилейына арналды Төрөмбәт ауыл китапханаһында үткән "Әҙәбиәтебеҙҙең көләс йөҙлө арғымағы" исемле дәрес Риф Мифтаховтың 80 йәшлек юбилейына арналды. Мәктәптең 6 класс уҡыүсылары яҙыусы тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар. "Риф Мифтаховҡа 80 йәш" тигән китап күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һорауҙарын бирҙеләр, уның ижады менән таныштылар. Төрөмбәт кешеләре Ишембай ерендә тыуып үҫкән Риф Мифтаховты айырыуса яҡын, үҙ итеп күрә. Шулай булмай ни, ул ошо ауылда тыуып, Өршәк һыуҙарын эсеп, уның тәбиғәтенә ғашиҡ булып, ҡабатланмаҫ фәлсәфәүи шиғырҙар тыуҙырған яҡташыбыҙ, атаҡлы башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә күп көс һалған шәхес. Уның мөхәррирлегендә Рәшит Назаровтың "Йәшен", 2 томда "Һайланма әҫәрҙәре" донъя күрҙе. (Район үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре материалдары һәм фотоһы ҡулланылды). Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Стәрлетамаҡта онкологик сирҙәрҙе диагностикалау үҙәге булдырыла. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «ПЭТ–Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Башҡортостан Республикаһында радиохирургия менән позитрон-эмиссия томографияһы үҙәген булдырыу» инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Позитрон-эмиссия томографияһы (ПЭТ-КТ) – махсус ҡорамал ярҙамында онкологик йәки неврологик сирҙәрҙе асыҡлау, радиоизотоп диагностика алымы менән кешенең эске органдарын тикшереү. Онкологияла ПЭТ яман шештәрҙе диагностикалау, метастаздарҙы эҙләү һәм дауалауҙы контролдә тотоу өсөн файҙаланыла. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ПЭТ/КТ–диагностика үҙәген 2020 йылдың дүртенсе кварталында асыу күҙаллана. Йыл һайын был үҙәктә республиканың өс меңләгән кешеһе тикшереү үтер тип көтөлә. ПЭТ/КТ–диагностика үҙәгендә медицина хеҙмәте Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мотлаҡ медицина страховкалауы һәм Мотлаҡ медицина страховкалауы федераль фонды аҡсаһына медицина ярҙамы өсөн түләү ысулдары буйынса методик тәҡдимдәргә ярашлы күрһәтелә. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
27 сентябргә ҡарата был өс райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары иң күп һөт һауып алған. Саҡмағош районында - 48,6 мең тонна, Илештә - 29,6 мең һәм Ауырғазыла 29,4 мең тонна һөт етештерелгән. Бөтә республика буйынса дөйөм күрһәткес 571,9 мең тонна икәнен иҫәпкә алғанда, алдынғы райондарҙың өлөшө 19 % тәшкил итә. Быйылғы ябай булмаған осорҙа ла был райондарҙа һөт етештереүҙе арттыра баралар. Үткән йыл менән сағыштырғанда, өс райондың хужалыҡтары быйыл 6,3 мең тоннаға артығыраҡ һөт продукты алған. Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте материалы буйынса. Автор:Равиля Бардыбаева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Төркөмөбөҙҙәге “Дарман” конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы – Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайының “Көнгәк” халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Коллектив бейеү сәнғәтен һөйөүселәргә күптән таныш. Уның тарихы 1977 йылдан башлана. “Көнгәк”тең репертуарын башҡорт бейеүҙәре тәшкил итә, әммә башҡа милләттәрҙеке лә ситтә ҡалмай. Анмамбль төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Етәкселәре – Илүзә менән Илгиз Ниғәмәтуллиндар. Милли сәнғәтебеҙҙе пропагандалауға ифрат ҙур өлөш индергән сәхнә оҫталарының “Гөлнәзирә” бейеүен ҡарағыҙ. Талантлы егет-ҡыҙҙар өсөн тауыш бирергә лә онотмағыҙ, төркөмдәштәр! “Көнгәк” – мәләүездәрҙең ғорурлығы Автор:Равиля Гатауллина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Ҡышҡа 1,5 мең ҡаҙанлыҡ һәм 4 мең саҡрым йылылыҡ селтәре әҙерләнәсәк. Был турала оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер – торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте. Ҡышҡа 1,5 мең ҡаҙанлыҡ һәм 4 мең саҡрым йылылыҡ селтәре әҙерләнәсәк. Был турала оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер – торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте. Эштәр барышында 140 саҡрым йылылыҡ һәм 228 километр һыу үткәргес селтәре алмаштырыласаҡ. Был күрһәткестәр былтырғы менән тиң. Ҡышҡа әҙерлектең дөйөм суммаһы 5,38 миллиард һум тәшкил итәсәк. Ведомство муниципалитеттарҙағы хужалыҡтарға планлы тикшереүҙәргә сығып тора. Борис Беляев белдереүенсә, әлеге темптарға ҡарап ышаныс менән шуны әйтергә була: 15 сентярбгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексы ҡышҡы осорға әҙер буласаҡ. 1 июлгә ҡарата торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының энергия ресурстары өсөн бурысы 5,67 миллиард һум тәшкил итә. Былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, ул 2,5 миллиард һумға кәмерәк. Бының сәбәбе: йылылыҡ өсөн тик һыуыҡ ваҡытта ғына түләүгә күсеү, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән халыҡтың тура килешеүҙәр системаһын индереү. – Беҙ йылдар буйы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында йыйылған бик ҡатмарлы проблемаларҙы һүтәбеҙ, шул иҫәптән финансҡа бәйлеләрен дә, - тине Радий Хәбиров. – Эшегеҙ өсөн рәхмәт, уның арҡаһында бурыстар кәметелде. Башҡортостан Башлығы коммуналь хеҙмәттәргә оператив рәүештә халыҡҡа йылы биреүгә әҙер булырға ҡушты. Яңы йылытыу миҙгелен башлау ҡарары һауа торошона ҡарап ҡабул ителәсәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башты ярып, ҡашты йыртмайынса,Һаулыҡ ҡәҙерҙәрен һанламайбыҙ.Кеше хаталары һабаҡ түгел -Беҙ үҙебеҙ янмай аңламайбыҙ.Шыйыҡланып бөтһә бөтһөн мейе,Аҡыл өйрәткәнде алыу ҡайҙа?!Бәхет килеп янға ятыр төҫлө,Яҙмыш теҙгендәре ул - Хоҙайҙа.Алма төшөр, бешеп, ауыҙҙарға,Кем байыған, тибеҙ, эшләһә лә.Ҡырын тейәп, төтөн бөркә-бөркәФырт баҫабыҙ. Башта - эшләпәләр.Һәр кем үҙен тоя фәрештәләй,"Гонаһлы"ға аяу көтәһе юҡ:- Арабыҙҙан уны ырғытырға,Тыңлаусандар мәңге бөтәһе юҡ!Баш бирмәҫтәр, айыҡ аҡыллыларКүптән инде күҙҙән төшкәндәре.Донъялыҡта күкрәк ҡаға халыҡ -Ишелергә тора түшәмдәре...Рәмил ЙӘНБӘК Башты ярып, ҡашты йыртмайынса,Һаулыҡ ҡәҙерҙәрен һанламайбыҙ.Кеше хаталары һабаҡ түгел -Беҙ үҙебеҙ янмай аңламайбыҙ.Шыйыҡланып бөтһә бөтһөн мейе,Аҡыл өйрәткәнде алыу ҡайҙа?!Бәхет килеп янға ятыр төҫлө,Яҙмыш теҙгендәре ул - Хоҙайҙа.Алма төшөр, бешеп, ауыҙҙарға,Кем байыған, тибеҙ, эшләһә лә.Ҡырын тейәп, төтөн бөркә-бөркәФырт баҫабыҙ. Башта - эшләпәләр.Һәр кем үҙен тоя фәрештәләй,"Гонаһлы"ға аяу көтәһе юҡ:- Арабыҙҙан уны ырғытырға,Тыңлаусандар мәңге бөтәһе юҡ!Баш бирмәҫтәр, айыҡ аҡыллыларКүптән инде күҙҙән төшкәндәре.Донъялыҡта күкрәк ҡаға халыҡ -Ишелергә тора түшәмдәре...Рәмил ЙӘНБӘК Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Учалы егете Тимур Маннанов “Мәғәнәләр биләмәһе” Бөтә Рәсәй йәштәр белем биреү форумында проектын яҡлаған. Учалы йәштәре ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә һынатмайҙар. Улар тураһында тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетәбеҙ, ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Ошо көндәрҙә тағы бер яңылыҡ менән ҡыуандырҙылар. Рәсәй йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығының йәштәр башланғыстарына гранттар конкурсында республиканың Инженерҙар лицей-интернаты тренеры, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Газ һәм химия” йүнәлеше студенты, Учалы егете Тимур Маннанов үҙенең проекты менән таныштырған һәм 500 мең һумлыҡ грант отҡан. Яҡташыбыҙ Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһында үткән “Мәғәнәләр биләмәһе” Бөтә Рәсәй йәштәр белем биреү форумында проектын яҡлаған. Әйткәндәй, “Олимпия хәрәкәте кәңәшселәре ассоциацияһы” проекты мәктәп уҡыусыларының химия буйынса олимпиадалары үҫешенә этәргес биреү өсөн ойошторолған. Система нигеҙендә – Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡиям ҡыҙы Әғәлуллина уйлап сығарған эш һәм уҡытыу алымдары. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, “Аврора” һәләттәр үҫеше үҙәге, республиканың Инженерҙар лицей-интернаты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты проект партнерҙары булып сығыш яһаған. Тимур Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән, 7 класҡа тиклем ҡаланың 10-сы мәктәбендә белем ала. Мәктәптә уҡығанда химия, инглиз, физика, информатика фәндәрен яратып уҡый. Республика, ҡала-район күләмендә уҙғарылған олимпиадаларҙа күп таҡыр еңеүсе була. Күп тә үтмәй яҡташыбыҙҙың һәләтен күреп уны Өфө инженерҙар лицей-интернатына уҡырға саҡыралар. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Тимур нефть университеты студенты булып китә. Бында ла һынатмай, бик әүҙем, олимпиада, фестивалдәрҙә ҡатнаша. Владимир Путиндың инициативаһы менән булдырылған “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” проектының “Мин - профессионал” олимпиадаһында ҡатнашып ҙур ҡаҙаныш яулай. Тимурҙың ата-әсәһе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Был дәүләт субсидияһы федераль бюджеттан коммерциялы булмаған ойошмаларға Ул грант ата-әсәләргә йәки балаларҙың законлы вәкилдәренә, шулай уҡ ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алырға теләгән граждандарға психологик-педагогик, диагностик, консультатив ярҙам күрһәтеүҙе финанс яҡтан тәьмин итеү маҡсатында дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә бирелә. Рәсәй буйынса 164 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы шундай грантты отҡан, тип хәбәр итәләр республиканың Мәғариф министрлығынан. Субсидия аҡсалары шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың иртә үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыуға, ғаиләлә мәктәпкәсә белем алған балаларҙың ата-әсәһенә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы программаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк. Өфөнөң 220-се, 97-се һәм 29-сы, Бөрө ҡалаһының 7-се, Өфө районы Булгаков ауылының “Семицветик” һәм ошо уҡ райондың Подымалово ауылының “Фантазия” исемле балалар баҡсалары конкурста еңеүсе булды. (“Башинформ” мәғлүмәт агенлығы материалдарынан). Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай”, “Хоккей - ҡатын-ҡыҙҙар уйыны түгел” әйтемдәре күптән инде көнүҙәк түгел. Үҙҙәренең ҡурҡаҡ түгеллеген һәм хоккейҙы ла ир-аттарҙан һис кенә лә ҡалышмай уйнай белеүҙәрен Йөйәкһәм Ғәбдөк ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары тағы ла бер ҡат иҫбатланы. “Ҡурҡаҡ хоккей уйнамай”, “Хоккей - ҡатын-ҡыҙҙар уйыны түгел” әйтемдәре күптән инде көнүҙәк түгел. Үҙҙәренең ҡурҡаҡ түгеллеген һәм хоккейҙы ла ир-аттарҙан һис кенә лә ҡалышмай уйнай белеүҙәрен Йөйәк һәм Ғәбдөк ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Ял көндәре Йөйәк ауылы биләмәһендә ҡышҡы уйындар үтте. Биләмәгә ҡараған ике ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары боҙҙа туплы хоккей уйыны үткәреп, күңелле ял ойошторҙо. Ҡышҡы уйындар ҙа Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналды. Уйын Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Радим Салауатовтың тәбрикләү телмәре менән асылды. Радим Ғариф улы барыһына ла күңелле ял, ғәҙел уйын теләне, хәүефһеҙлек саралары тураһында ла иҫкәртте. Спорт сараһы Башҡортостан гимны менән тантаналы асылғас, командалар үҙҙәре менән таныштырып үтте. Ярыш судьялары һайланды. Боҙҙа туплы хоккей уйыны ҡыҙыу һәм йәнле барҙы. Командаларҙың береһе лә еңел генә бирешергә теләмәне, көйәрмәндәр ҙә активлыҡ күрһәтте. Хатта көндәрҙең йылы тороуы, ямғырҙың боҙ өҫтөн һыулап үтеүе лә уйынға ҡамасауламаны, командаларҙы сәмләндерҙе генә. Йөйәк ағинәйҙәре, байрамға йәм өҫтәп, мул өҫтәл дә әҙерләгән. Уйынсылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә уйындан һуң, ҡайнар сәй, тәмлекәстәр менән һыйланды. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, балаларҙа халыҡ бейеүҙәренә һөйөү уятҡан, бейеү түңәрәге алып барған Ринат Мәжитов “Һунарсы” бейеүен бүләк итте. Ә I урынды һәм күсмә Кубокты Ғәбдөктөң 1-се “Торнадо” командаһы яуланы (һүрәттә). II урынды ла Ғәбдөктөң “Апельсинки”һы алды. III һәм IV урындарҙа - йөйәктәрҙең “Ете ҡыҙ”ы һәм “Матурҙар һәм ҡыйыуҙар”ы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республикала ашығыс медицина ярҙамында эшләгән табиптар, стажға ҡарап, ай һайын хеҙмәт хаҡына 7 мең һумдан ашыу өҫтәмә ала башлай. 2020 йылдан ашығыс ярҙам фельдшерҙарына – биш, ә водителдәренә өс мең һум түләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Өфө ашығыс медицина ярҙамы станцияһында уҙған күсмә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә тиҙ ярҙамда эшләгән табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы, стажға, эш күләменә һәм башҡа факторҙарға ҡарап, 60 мең һумдан ашыуыраҡ буласағын белдерҙе. Башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Милли кейем көнөнә ҡарата социаль селтәрҙәрҙә башҡорт кейеме флешмобы башланыуын иғлан итте Шарттар ябай: башҡорт милли кейемендә төшкән фотоһүрәттәрегеҙҙе Бәйләнештә, Фейсбукта йәиһә Инстаграмда #Ҡоролтаймилликейем #КурултайНациональныйкостюм хештегтары менән һалырға кәрәк. Өҫтөгөҙҙөге кейем ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы, ҡайһы төбәккә хас биҙәктәр менән биҙәлеүе тураһында мәғлүмәтте лә күрһәтергә онотмағыҙ. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытайыҡ! Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге һорауҙары буйынса бушлай шәхси консультациялар уҙғарыуын дауам итә. 7, 14, 21 һәм 28 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы юлдар» темаһы буйынса консультация үткәрә. 14 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тән «Советник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Гөлнара Батманова «Һалым билдәләүҙе оптималләштереү: мөмкинлектәр һәм хәүефтәр» буйынса кәңәш бирә. 23 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Занин и Со» үҫеш үҙәге рекрутеры, персонал һайлау, баһалау һәм үҫтереү буйынса консультанты Юлия Кривная «Предприятиела дөрөҫ персонал һайлауҙа файҙалы алымдар» темаһына консультация уҙғара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтендә. Консультациялар Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 44/1 адресы буйынса 6-сы павильонда, 6-22-се бүлмәләрҙә үтә. Алдан (347) 264-62-90, 243-38-37 телефондары буйынса йәки [email protected] электрон почта аша теркәлергә кәрәк. "Башинформ". Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
2020 йылды республика «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале менән башланы. Балалар менән берлектә ата-әсәләр, өлкәндәр ҙә спорт сараларына йәлеп ителде. «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә уҙғарылған йәмәғәт проекттарында ҡатнашыу буйынса 2019 йылда Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урын яуланы. Был проектар араһынан «Театраль Волга буйы», «Гвардиясы», «Волга буйы федераль округы олимпиадаһы» кеүегерәктәре бигерәк тә ҙур популярлыҡ яуланы. Уларҙа башлыса мәғариф өлкәһенә ҡағылышы булған категория кешеләре – студенттар, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар ҡатнашты. 2020 йылды республика «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале менән башланы. Балалар менән берлектә ата-әсәләр, өлкәндәр ҙә спорт сараларына йәлеп ителде. Ҡышҡы уйындарҙа республика буйынса йәмғеһе йөҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. 2-6 ғинуарҙа ғаилә спорт фестивале сиктәрендә район мәктәптәрендә күңелле старттар уҙҙы, өҫтәмә белем биреү усаҡтары ла ситтә ҡалманы. Бәйгеселәр бөтәһе 21 спорт төрө буйынса көс һынашты. Ярыштарға 16523 бала, 11148 студент, йәштәр һәм ата-әсәләр йәлеп ителде. Урындарҙа уҙған ярыштарҙа еңеп сыҡҡан иң сос, иң етеҙ спортсы ғаиләләр кисә «Батыр» ФҺК-һына йыйылды. «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең муниципаль этабында ҡатнашыусы 21 ғаилә араһында Амангилденән Илнур, Нәйлә һәм Динислам Даушевтар еңеүсе булды. Еңеүсе команда республика кимәлендә Әбйәлил районы исеменән сығыш яһаясаҡ. «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең республика этабы 18 ғинуарҙа баш ҡаланың «Динамо» стадионында уҙа. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек! Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
“Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивале быйыл ун етенсе яҙын ҡаршылай. Урыҫ, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә иҗад итеүсе төрлө йәштәге шағирҙәр бәйгеһе ул. Йәнле һүҙ фестивале Рәсәйҙең төрлө тарафтарында йәшәүсе шағирҙәрҙе берләштерә. XVII Төбәк-ара “Илһам шишмәләре-2019” шиғриәт фестивален ойоштороусылар – Бәләбәй районы хакимиәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Яҙыусылар берлеге. Конкурс ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап – 1 февралдән 1 мартҡа ҡәҙәр. Ғаризалар һәм иҗади эштәр ҡабул ителә. Икенсе этапта төрлө номинациялар буйынса лауреаттар (гран-при, бер беренсе, ике икенсе һәм өс өсөнсө урындар) һәм дипломанттар билдәләнә. Икенсе этап һөҙөмтәләрен ҡарап, жюри иғлан ителгән барлыҡ номинациялар буйынса урындар бирмәҫкә мөмкин. Икенсе этапты уҙған ҡатнашыусыларҙы Ойоштороу комитеты фестивалдең өсөнсө этабында ҡатнашырға саҡыра. Фестивалдең Ойоштороу комитеты ҡатнашыуға заявкаларҙы һәм ижади эштәрҙе урындағы жюриҙың (гәзит редакцияларының, әҙәби берләшмәләрҙең) тәҡдим итеү хаты менән ҡабул итә. Заявкалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 452000, Башҡортостан Республикаһы, Бәләбәй ҡалаһы, Кече Туғай урамы, 53а, “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы. Электрон почта (e-mail):[email protected] Телефондар: (34786) 3-23-02, 3-17-02, 3-42-67, 4-23-58, 4-09-25. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Хәтер һәм ҡайғы көнө. 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ла ошо көнгә арналған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында күп саралар онлайн режимда уҙа, шуға ла һеҙ музей ойошторған сараларҙы социаль селтәр аша күҙәтә алаһығыҙ. Хәтер һәм ҡайғы көнө айҡанлы “Һәм һуғыш башланды...” тарих сәғәте үткәреләсәк. Шулай уҡ “1941 йылдың 22 июне” документаль һәм “Брестская крепость”, “Летят журавли”, “Без права на провал” художестволы фильмдары күрһәтеләсәк. “Бөйөк Ватан һуғышы – йылдан-йылға” онлайн викторина, “Бер кем дә онотолмаған, бер нимә лә онотолмаған” лекцияһы уҙғарыла. Сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ. 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы музейы Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына 2005 йылдың 8 майында асыла. Ошо көндән алып бында һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың батырлыҡтарын мәңгелләштереү, йәш быуында илһөйәрлекте тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып барыла. Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.Автор: Рәмилә Мусина Хәтер һәм ҡайғы көнө. 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ла ошо көнгә арналған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында күп саралар онлайн режимда уҙа, шуға ла һеҙ музей ойошторған сараларҙы социаль селтәр аша күҙәтә алаһығыҙ. Хәтер һәм ҡайғы көнө айҡанлы “Һәм һуғыш башланды...” тарих сәғәте үткәреләсәк. Шулай уҡ “1941 йылдың 22 июне” документаль һәм “Брестская крепость”, “Летят журавли”, “Без права на провал” художестволы фильмдары күрһәтеләсәк. “Бөйөк Ватан һуғышы – йылдан-йылға” онлайн викторина, “Бер кем дә онотолмаған, бер нимә лә онотолмаған” лекцияһы уҙғарыла. Сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ. 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы музейы Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына 2005 йылдың 8 майында асыла. Ошо көндән алып бында һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың батырлыҡтарын мәңгелләштереү, йәш быуында илһөйәрлекте тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып барыла. Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән. Автор: Рәмилә Мусина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Әгәр өлкән быуын уны уҡытыусы, мәктәп директоры, район Советы рәйесе урынбаҫары, Яңы Раевка совхозы директоры урынбаҫары булараҡ белһә, йәштәргә иһә ул егерме йылға яҡын ат спорты мәктәбе директоры булып эшләгән шәхес булараҡ таныш. Күптәр уны тауышынан таный. Тимерғәли Миңлегәрәй улы оҙаҡ йылдар бөтә халыҡ яратҡан һабантуй байрамында ат сабыштары комментаторы була. Коментаторҙың да ниндәйе әле! Үҙенә генә хас шаян һүҙҙәр менән һәр ат һәм һәр һыбайлы тураһында шул тиклем ентекле итеп бер кем дә һөйләй алмаҫ ине, моғайын. Ул йәмле Дим буйында урынлашҡан башҡорт ауылы - Туҡтарҙа донъяға килә. Хәҙер был ауыл юҡ инде. Бөтә малайҙар кеүек үк кесе йәштән хеҙмәт тәмен белеп үҫә. Йәй етһә, бесән әҙерләүҙә ҡатнаша, ә был эште аттарһыҙ башҡарып булмай. “Малайҙар менән иртән иртүк колхоз аттары аҫралған аҙбар ихатаһына йыйылабыҙ, һәр кем бесән кәбәндәрен ташыу өсөн иң көслө атты эләктерергә тырыша. Иң яҡшы атҡа хоҡуғыңды раҫлау өсөн йоҙроҡ төйнәп алышырға ла тура килә ине”, - тип йылмайып иҫкә ала ул бала саҡ йылдарын. Мәктәпте тамамлағандан һуң ҙур өмөттәр уятҡан, ҡыҙыҡһыныусан егет атаһы юлын һайлап Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Физика һәм математика уҡытыусыһы дипломы алғас, Тимерғәли тыуған Әлшәй районына эшкә ҡайта. Хеҙмәт эшмәкәрплеген Ғәйнәямаҡ урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып башлай. Бында ул оҙаҡ эшләмәй. Тиҙҙән йәш педагогты Раевка игенселек совхозы урта мәктәбе уҡытыусыһы итеп күсерәләр, артабан ошо мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Т. Шәрәфетдиновтың ойоштороу һәләтен, һөнәри оҫталығын, үҙ эшенә яуаплы ҡарауын район етәкселеге лә тиҙ күрә. Һикһәненсе йылдар аҙағында ул Әлшәй район Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһында эшләй. “Яңы Раевка” совхозы. Был предприятие заманында бөтә республикала ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә киң танылыу яулай. Бында Тимерғәли Миңлегәрәй улының да өлөшө ҙур. Туғыҙ йыл ул уникаль предприятиеларҙың береһе – саф тоҡомло лимузин малдарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводы директорының коммерция мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт һала. Был йылдарҙа Шәрәфетдинов үҙен бөтөнләй башҡа яҡтан күрһәтә, уның иҫ киткес һәләтле менеджер-коммерсант һыҙаттары асыла. Тимур Гәрәй улының эшлекле сифаттары һөҙөмтәһендә “Яңы Раевка” совхозы эшкәртеү производствоһын, сауҙа эшмәкәрлеген киңәйтә, предприятиеның Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә партнерҙары күбәйә. Ошо йылдарҙа совхоз ат спорты мәктәбен төҙөй башлай. Ә буласаҡ объектҡа ҡағылышлы бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү Тимерғәли Миңлегәрәй улына йөкмәтелә. “Ат спорты мәктәбе тураһында күптән уйлай инек инде, - ти Тимерғәли Миңлегәрәй улы гәзитебеҙгә биргән интервьюларының береһендә. – Бындай ҡарарҙы 1998 йылдың көҙөндө ҡабул иттек. Ошо йылда Яңы Сәпәш ауылы эргәһендә буласаҡ мәктәпкә нигеҙ һалына, ә тағы бер йылдан һуң 9 октябрҙә комплекс тантаналы асыла. Ул шул йылдарҙағы район етәксеһе, ат спортын үҫтереүгә ҙур көс һалған Ф. Г. Вилдановтың инициативаһы менән “Яңы Раевка” совхозы средстволарына төҙөлә. Ошо ваҡыттарҙан алып ат спорты буйынса балалар-үҫмерҙәр мәктәбенә Тимерғәли Миңлегәрәй улы етәкселек итә. 2001 йылда ипподром файҙаланыуға тапшырыла, уға милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исеме бирелә. Унда шулай уҡ сабыш аттарын һынауға патент алына. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәптә йәш һыбайлылар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыла. Уңыш оҙаҡ көттөрмәй. Әлшәйҙәр йылдан-йыл республика, ә унан инде Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә призлы урындар яулай. Ә директор үҙе “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” һәм “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Онотолмаҫ йәшлек йылдары, флотта хеҙмәт итеү, буласаҡ тормош юлдашын (Рәмзиә Ғәҙелша ҡыҙы ла һөнәре буйынса уҡытыусы) осратып ғаилә ҡороу, бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп үҫтереү, утыҙ йылға яҡын мәктәптә, егерме ике йыл етәксе вазифаларҙа эшләү – быларҙың барыһы ла хәҙер инде артта ҡалған. Илебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошондағы ҡатмарлы үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, Тимерғәли Миңлегәрәй улы үҙ принциптарына һәм коммунистар партияһына тоғро ҡалды. Күп йылдар инде ул РФ Коммунистар партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе булып тора. Эйе, бөгөн уға 70 йәш, әммә был дилбегәне һалыу өсөн сәбәп түгел. Күңеле менән ул һаман да бөтә донъяһын онотоп ярһыу арғымаҡта елдергән үҫмерҙәй. Киләсәктә лә рух һәм намыҫ төшөнсәләрен алға ҡуйып, ғүмер арғымаҡтарын эйәрләп, арымай-талмай яҙмыш даръяларын иңләгеҙ, Тимерғәли Миңлегәрәй улы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
19 августа Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарының эшҡыуарҙар менән эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Август башынан барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа 189 эшҡыуарлыҡ сәғәттәре булырға тейеш ине, тип билдәләне ул. Шуларҙың яртыһы үткәрелмәгән. Отчеттарҙа төп сәбәптәр иҫәбендә эшҡыуарҙарҙан ғаризаларҙың юҡлығы һәм башлыҡтарҙың Өфөгә юлланыуы күрһәтелгән. Августа Ағиҙелдә, Әбйәлил, Бөрйән, Иглин, Кушнаренко, Миәкә, Шишмә, Яңауыл райондарында эшҡыуарлыҡ сәғәттәре уҙғарылмаған. «Эшкә яуапһыҙ ҡарауығыҙ эшҡыуарлыҡ берләшмәһендә сағылыш таба. Туймазы районы эшҡыуарҙары яҙа: 27 июндә саҡырҙылар, башлыҡ юҡ ине, урынбаҫары ҡабул итте, ҡарар ҡабул итмәнеләр. Краснокама районы — эшҡыуар стартап булараҡ субсидияға документтар тапшырған, яуап юҡ, инвестиция сәғәте үткәрелмәгән. Иглин районы – эшҡыуарҙар йәнәһе лә законһыҙ тикшереүҙәргә зарлана, бының ни өсөн икәнен уларға бер кем дә аңлатмай, инвестиция сәғәте уҙғарылмай. Стәрлетамаҡ районы – идея һәм бизнес асыу өсөн ресурстар бар, инвестиция сәғәттәре үткәрелмәүгә бәйле уларға мөрәжәғәт итмәйҙәр», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе кесаҙна муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ сәғәттәрен уҙғарыуҙы ҡаты контролгә алырға ҡушты. Район башлыҡтары бизнесты үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған йүнселдәрҙе үҙҙәре табырға тейеш, тине ул. Бынан тыш, Радий Хәбиров кадрҙар комиссияһының муниципалитет башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары вазифаларына тәҡдим ителгән кандидатураларҙың яртыһынан ашыуын төшөрөп ҡалдырыуын әйтте. «Был кандидатураларҙы шәхсән һайлап алырбыҙ. Улар һеҙгә уңайлы кешеләр, туғандарығыҙ йәки таныштарығыҙ түгел, ә эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә аңлайышлы, үҙ бурыстарын аңлаған кеше булырға тейеш», — тип өҫтәне республика етәксеһе. Шулай уҡ Радий Хәбиров район башлыҡтарының күбеһенең оператив кәңәшмәлә мобиль телефонда ултырыуын күреп ҡалды. «Телефонда соҡоноп ултырғандарҙың бөтәһен ҙур экранға сығарыуҙы һорайым. Һеҙ нимә, үҙегеҙҙе бер сәғәткә тыя алмайһығыҙмы? Аппарат, алғы планға сығарырға команда бирегеҙ. Әйҙә, муниципалитетта йәшәүселәр башлыҡтарының оперативкаларҙа нимә менән шөғөлләнгәнен күрһен».Башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Бөгөн Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов социаль селтәрҙә яҡташтарының мәрхәмәтлектәре тураһында яҙҙы. “Изгелек арабыҙҙа йәшәй. Яңауыл районында кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр әҙ түгел. Мәҫәлән, Яңауыл ҡалаһында йәшәгән Айрат Ғәлиханов үҙ аҡсаһына ике ирекле батальонға бер юлы дүрт берәмек техника - ике УАЗ, ике ЗИЛ һатып алды. Уларҙың һуңғылары автомунса итеп үҙгәртелгән. Был машиналарҙы Айрат күрше төбәктәрҙән эҙләп тапҡан. Уның һүҙҙәренсә, һатыусылар, техниканы ниндәй маҡсатта һатып алыуын белгәс, ысын күңелдән ташлама яһаған. Машиналарҙы ул “Йәшлек” үҙәге тренеры Руслан Рәхмәтуллин менән килтерҙе. Артабан уларҙы хәрби хәрәкәттәр зонаһында аварияһыҙ файҙаланыу өсөн әҙерләү ихтыяжы тыуҙы. Беҙ Айрат менән бындай техниканы ремонтлауҙа махсуслашҡан берҙән-бер ойошма – “РН-Транспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһенә мөрәжәғәт иттек. Улар баш тартты. Хәҙер Айрат Рауил улы үҙе техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Бөтә транспорттар яҡташыбыҙға ике миллион һумға төштө. Үҙенең ғәмәлен ул әллә ни ҙурға иҫәпләмәй. Хәйер, изге эште лә тәүге тапҡыр башҡармай яҡташыбыҙ: Байғужа ауылында Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабит Йәғәфәров исемендәге парк та уның шәхси аҡсаһына төҙөлгән. “Еңеүгә өлөш” - ярҙамын шулай тип атай Айрат Рауил улы. “Бөгөн барған хәл һәммә кешегә ҡағыла. Һәм 40-сы йылдар лозунгылары һис ҡасан булмағанса көнүҙәк: “халыҡ һәм армия берҙәм, барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн”. Һуғыш йылдарында яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ тап ошо девиз аҫтында йәшәгән һәм эшләгән”. Бына шундай ул. Фиҙакәр, зыялы, эскерһеҙ, изге эштәрҙе пафосһыҙ башҡара”, – тип яҙҙы Илшат Вәзиғәтов. Фото И. Вәзиғәтовтың сәхифәһенән. "Бына шундай ул!" Автор:Альфия Мингалиева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Гестапо башлығы Генрих Мюллер Икенсе бөтә донъя һуғышының һуңғы көндәрендә Берлинда үлтерелгән һәм йәһүд зыяратының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән - архивтағы документтарҙы өйрәнгән, “Бильд” гәзите яҙғанса, Мюллерҙың үлем хаҡындағы таныҡлығы, уны күмгән кешенең күрһәтмәләре менән танышҡан немец тарихсыһы Йоханнес Тухель шулай тип иҫәпләй. Ул ҡағыҙҙар буйынса, мәйеттә генерал мундиры, ә кеҫәһендә фото йәбештерелгән шәхес танытмаһы була. Йоханнес Тухель, Немец ҡаршылыҡ күрһәтеү мемориаль үҙәге етәксеһе: “Гимлер, Гитлер һәм Гейдрихтар менән бергә ул күпләп халыҡтарҙы ҡырыу, шул иҫәптән Холокост өсөн яуаплы. 1942 йылда Ванзей конференцияһында “йәһүд мәсьәләһен аҙағынаса хәл итеү” хаҡында белдереү ҡабул ителә һәм ул шунда ҡатнаша. Һуғыш барышында совет әсирҙәрен күпләп ҡырыу өсөн дә яуаплы ул.” Мюллерҙың һуғыштан һуңғы яҙмышы- XX быуаттың иң ҙур тарихи йомаҡтарының береһе. Тикшеренеүселәр һәм махсус хеҙмәттәр уның эҙҙәрен АҠШ, Советтар Союзы, Латин Америкаһында эҙләй. Йәһүд ойошмаһы вәкилдәре, әгәр тарихсы Йоханнес Тухелдең гестапо башлығының ерләнгән урыны тураһындағы фаразы дөрөҫкә сыҡһа, Мюллерҙың мәйетен күсереп ерләүҙәрен талап итәсәктәрен белдерҙе. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
<small>''Рубриканы Рафиҡ Ноғоманов алып бара. Мәҡәләләр 2012 йылғы "«Башҡортостан"» гәзитендә баҫылған http://bashgazet.ru/''</small> : Инәһеҙ ҡорт көсһөҙ булыр. : Халыҡ мәҡәле Малдарҙы ҡышлатып сығарыр өсөн кеше йәй буйына аҙыҡ запасы — бесән, һалам, сенаж, силосты күпләп әҙерләһә, бал йыйыусы ҡорттар иһә ҡышҡылыҡҡа сәскә һуты һәм һеркә йыя. Шундай өҫтөнлөгө булғанға ла күптәрҙең бал ҡорто күсе тоторға теләге ҙур, ләкин был хәл ҡорттар үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә тейеш тигәнде аңлатмай. == Күс мәңге йәшәй ала == [[File:Bee Swarm.JPG|left|200px]] Умартасылыҡта биологик һәм хужалыҡ берәмеге булып айырым бер ҡорт түгел, ә бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә. Ғаиләлә өс төрлө бал ҡорто була: инә ҡорт, эшсе ҡорттар һәм ата ҡорттар. Бер ҡорт та япа-яңғыҙ йәшәй алмай. Әйтәйек, һеҙ йәйгеһен йөҙәрләгән эшсе ҡортто йыйып, бер умартаға япһағыҙ, ә улар араһында инә ҡорт юҡ икән, бөтәһе лә үлеп бөтә. Шулай уҡ бер инә ҡорт табып, бер эшсе ҡорт та ҡушмай, умарта эсенә, кәрәҙле рамға ебәрһәгеҙ, ул да бер-ике көндән һәләк буласаҡ. Йәй һәйбәт бал ҡорто ғаиләһендә бер инә ҡорт, кәмендә 20 мең эшсе ҡорт (ә көслө ғаиләлә — 60-80 мең самаһы), шулай уҡ йөҙҙән, меңдән ашыу ата ҡорт (ҡорт айырған осорҙа бер нисә мең) була. Ҡыш һәм яҙ умарта эсендә эшсе ҡорттар 10-30 мең иҫәпләнеп, ата ҡорттар бөтөнләй булмай. Күстә ҡорттар һаны, уларҙың йәш айырмалылығы, физиологик торошо даими һаҡланмай. Яҙ һәм йәй дауамында эшсе ҡорттарҙың бер нисә (уртаса 6-7) быуыны алмашына — ҡарт ҡорттар үлә, йәштәре сыға. Әгәр яҡшы шарттар тыуҙырһаң, бал ҡорттары күсе сикһеҙ оҙаҡ, ҡайһылары мәңге йәшәй һәм тереклек итә ала. Бал ҡорттары күсенең тормошон, уның балауыҙ һуҙғандағы, кәрәҙ төҙөгәндәге, бал йыйғандағы берҙәмлеген, үҙ-ара ярҙамсыллығын, архитектура һәләтлеген философтар, дәүләт эшмәкәрҙәре, ҡала төҙөүселәр өйрәнгән. Спартаға нигеҙ һалыусы Ликург үҙе төҙөгән дәүләт системаһының өлгөһө итеп бал ҡорто күсенә хас булған идеаль тәртипте алған. Ул тәртип ниҙән ғибәрәт һуң? Әйҙәгеҙ, умарта эсендәге һәм тышындағы бал ҡорто күсенең һәр заты, уларҙың тормошо һәм эше менән танышайыҡ. == Инә ҡорт == [[File:Bienenkoenigin 43a.jpg|left|200px]] Бал ҡорто ғаиләләрендә ике төрлө инә ҡорт — ҡәҙимге, һәйбәт ғаиләлә аталанған инә һәм ҡайһы бер күстәрҙә аталанмаған инә ҡорт йәшәй. Инә ҡорт эшсе һәм ата ҡорттарҙан ҙурлығы менән айырыла. Ул төҙөк кәүҙәле. Уртаса оҙонлоғо — 20–2520-25 миллиметр, аталанмаған инә ҡорттоң ауырлығы — 180–190180—190 миллиграмм, ә аталанғанының — 210–250210—250, ҡайһыларыныҡы — 270–280 270—280 мг. Һәйбәт ғаиләлә, күстә бер генә инә ҡорт йәшәй. Әгәр ике инә ҡорт булһа, улар бер-береһен күрә алмай, үҙ-ара һуғыша һәм йәше, көслөһө, ғәйрәтлеһе тороп ҡала. Умартала ул бер генә эш башҡара — йомортҡа һала. Башҡа төр ҡорттар менән сағыштырғанда, ул иң оҙон ғүмерле — 5-7 йыл йәшәй, ләкин инә ҡорт ҡарт булған һайын, уның йомортҡа һалыу һәләте йылдан-йыл кәмей. Алдынғы, тәжрибәле умартасылар йыш ҡына инә ҡортто бер-ике йәшендә, ҡайһы саҡта өс йылдан һуң яңыға алмаштыра. Беренсе йәшендәге инә ҡорттар кәрәҙ күҙәнәктәренә көн һайын уртаса 1500-18001500—1800, ә яҡшылары 2000-25002000—2500 самаһы йомортҡа һала. Инә ҡорттоң бер тәүлектә һалған йомортҡаларын йыйып үлсәп ҡарағандар: уларҙың ауырлығы үҙенең ауырлығынан күпкә артып киткән. Инә ҡорт ике төрлө йомортҡа һала: тәүгеһе — аталанған йомортҡалар, уларҙан эшсе ҡорттар һәм, әгәр ғаиләлә кәрәк икән, буласаҡ инә ҡорт тәрбиәләнә. Икенсе төрө — аталанмаған йомортҡалар, уларҙан киләсәктә ата ҡорттар үҫеп сыға. Ошондай уҡ йомортҡаларҙы аталанмаған инә ҡорт та һала ала, уларҙан да шул ата (әре) ҡорттар хасил була. Буласаҡ инә ҡорт ҙур итеп яһалған инә көбөндә, эшсе ҡорттар — кәрәҙ күҙәнәктәрендә, ата ҡорттар ҡәҙимге ҙур кәрәҙ күҙәнәктәрендә тәрбиәләнә. Ҡорт айырыу осоронда яңы йәш инә ҡорттар шул көбөлә 16 көн эсендә тәрбиәләнеп, үҫеп сыға. Айырма шунда: буласаҡ инә ҡорттоң ҡарышлауығы биш көн үҫеш осоронда сифатлы инә ҡорт һөтө менән генә туҡлана, ә эшсе ҡорттоң ҡарышлауығына был һөт алты көндөң тәүге өс көнөндә генә ашатыла, ҡалған өс көнөндә уға һитә һәм бал ҡатыштырып әҙерләнгән аҙыҡ бирәләр. Әре ҡорттоң ҡарышлауығына аҙыҡ ете көндөң өс көнөндә һөт, дүрт көнөндә бал ҡатыш һитә бирелә. Умартасы ҡарт инә ҡорттарҙы алмаштырмаһа ла, йыл да булып торған күс айырыу осоронда күп умарталарҙа инә ҡорт алышыныуы була. Әгәр оҙаҡ йылдар инә ҡорт алмашынмаһа, ул бик ҡарт (өс-дүрт йәш) булһа, аҙ йомортҡа һалһа йәки ауырыһа, эшсе ҡорттар үҙҙәре инәһен алмаштырып ала — ул “инәне«инәне үҙҙәре алмаштырыу”алмаштырыу» йәки “шым«шым алыштырыу”алыштырыу» тип атала. Бал ҡорто ғаиләһендә инә ҡапыл юғалһа йәки үлһә, ҡорттар йәш бала ҡорт араһынан үҫеп килгән бер-ике тәүлек йәшәгән ҡарышлауыҡты һайлап, шуларҙан яңы инә ҡорт көбө, һуңынан инә үҫтереп сығаралар. Йәш инә ҡорт һауала бер нисә (алты-һигеҙ) ата ҡорт менән осрашып, аталана, шул аталаныу уға үҙ ғүмерендә йомортҡа һалырға етә. Яңы инә ҡортто йәш тәрбиәләүсе ҡорттар, йәғни ҡарап йөрөтөүселәр була, уларҙың һаны 10-12-гә етә. Инә ҡортто ашаталар, уға гел сифатлы һөт бирәләр, кәүҙәһен таҙарталар, “ялайҙар«ялайҙар-һыйпайҙар”һыйпайҙар». Йәштәре үтеү менән, был “свита”ны"свита"ны икенсе йәш ҡорттар алыштыра.
«Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модулен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында республикабыҙ ҡала һәм райондарындағы мәктәптәрҙә – 61, Өфөлә 4 стоматология кабинеты асылған.#национальныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модулен ғәмәлгә ашырыу маҡсатында республикабыҙ ҡала һәм райондарындағы мәктәптәрҙә – 61, Өфөлә 4 стоматология кабинеты асылған. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошондай һандар килтерҙе. Бындай кабинеттарҙың булыуы стоматологик ярҙам алыу кимәлен күтәрә, уҡыусыға уҡыуҙан айырылмайса тештәрен дауаларға мөмкинлек бирә. Әлеге стоматология кабинеттарында дауалау-профилактика эше бер тапҡыр санация үткәреү юлы менән ойошторолған. Планлы санация үткәреү һөҙөмтәһе буйынса ошо йылдың тәүге яртыһында 11 мең 47 уҡыусы ҡаралған, шуларҙың 6 мең 840-ы тештәрен дауалауға мохтаж. Әйткәндәй, «Сәләмәт йылмайыу» модуле илебеҙҙә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты;##регпроекты;#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Кисә Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим яңылыҡ иғлан итте. Бынан ары Торатау итәгендә республика кимәлендәге ҙур саралар, һабантуйҙар үтмәйәсәк. Республика етәксеһе белдереүенсә, был мәсьәлә буйынса уға урындағы халыҡ һәм ғалимдар мөрәжәғәт иткән. – Бынан ары Торатау биләмәһендә ҙур һабантуйҙар үткәрмәйәсәкбеҙ. 60 мең кеше килә, тапай. Был – республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған урын. Урындағылар әйтеүенсә, бында сапсандар йәшәй, уларҙа кешеләрҙең күпләп йөрөүе стресс тыуҙыра. Шулай булғас, башҡа был урында ҙур саралар үткәрмәйбеҙ, – тине ул. Радий Фәрит улы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға күләмле республика сараларын үткәреү өсөн яңы урын табырға ҡушты. Кәңәшмәлә Өфөлә Көрәш һарайы төҙөү буйынса һөйләшеү булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һарайҙы төҙөү тирә-яҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән бергә алып барылырға тейеш. – Унда кешеләр күпләп йыйылырлыҡ яңы урын барлыҡҡа киләсәк. Шулай булғас, мәктәп тә төҙөргә, поликлиниканы ла тәртипкә килтерергә кәрәк. Юлдарҙы ремонтларбыҙ, был йәһәттән эш күп. Ғөмүмән, ул яҡта биләмә бик ҙур, күпләп балалар йәшәй, шуға күрә тулы тәртип кәрәк. Минеңсә, Көрәш һарайы өсөн бик матур урын һайланыҡ, – тине ул. Радий Фәрит улы Спорт министр­лығына мәктәптәрҙә спорт көрәшен үҫтерергә ҡушты. “Беҙ республикала спорттың был төрөн үҫтереү өсөн ҙур көс һалабыҙ. “Мәктәптәргә спорт көрәше” программаһына 83 мәктәп ҡушылды. План буйынса 200-гә еткерергә кәрәк”, – тине ул. Әлеге ваҡытта республикала әүҙем рәүештә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау һәм тамғалар һыҙыу эше бара. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләгә бик иғтибарлы булырға ҡушты. – Үткән ике аҙнала күп кенә райондар буйлап йөрөнөм. Юл тамғалары һыҙа башлағанығыҙҙы күрәм, әммә бөтә ерҙә лә юҡ. Быға һауа торошо ҡамасаулаймы әллә? Әгәр шулай икән, әҙерәк көтөп тороу дөрөҫөрәктер, юғиһә был эштең сифатында сағылыш табасаҡ, – тине ул. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, 23 майға ҡарата 19119 километр юл тикшерелгән, был – асфальт-бетон япмалы юлдарҙың 97 проценты. Бөтәһе 114 мең етешһеҙлек асыҡланған, уларҙың 72300-ө юҡҡа сығарылған. Һуңғы арала коронавирустың яңы тулҡыны килә тигән хәбәрҙәр ҡуйырҙы. Башҡортостанға ул янаймы? Әле беҙҙә хәлдәр нисек? Был турала һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡа­рыусы Азат Рәхмәтуллин һөйләне. Пандемия башланғаны бирле Башҡорт­останда сирҙең 287,8 мең осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 87 яңы осраҡ асыҡланған. 117 кеше дауаханала ята, 555 пациент өйөндә дауалана. Кисә-бөгөн коронавирустан үлгәндәр теркәлмәгән. Дөйөм алғанда, 5660 кеше вирустың ҡорбанына әүерелгән, уларҙың 4878-е – өлкән йәштәгеләр. Етәксе белдереүенсә, әлеге ваҡытта район һәм ҡалаларҙа әүҙем рәүештә ревакцинация бара. Бөгөн был процедураны 513 мең кеше үткән. Бөтәһе 31 авгусҡа тиклем 1,1 миллион кеше ревакцинация яһатырға тейеш тип планлаштырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтәһенә лә өлгө күрһәтеп, үҙе коронавирустан ревакцинация үтергә ҡарар иткән. Әле IX һәм XI класты тамамлаусылар өсөн ҡыҙыу осор башланды. Улар дәүләт имтихандарын тапшыра. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин һөйләүенсә, быйыл имтихандар тапшырыуҙы ойоштороу ковидҡа тиклемге осорҙағы кеүек буласаҡ. Аттестат алыу өсөн бөтә ун берҙәр рус теле һәм математиканан имтихан тапшырасаҡ. Былтырҙары ул имтихандарҙы вузға инергә теләгәндәр генә тапшырғайны. Берҙәм дәүләт имтихандарының төп осоро – 26 майҙан 2 июлгә тиклем, өҫтәмә осоро – 5-енән 20 сентябргә тиклем планлаштырылған. Быйыл төп осорҙа 156 имтихан ҡабул итеү пункты эшләйәсәк. Уларҙа 11 класты тамамлаған 17545 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Сығарылыш класс уҡыусылары һайлаған иң популяр дәүләт имтиханы – профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Шулай уҡ информатика менән ИКТ, биология, физика, химия, тарих фәндәренә ҡыҙыҡһыныу ҙур. Туғыҙынсылар өсөн дә быйыл имтихандар традицион форматта үтәсәк. Улар аттестат алыу өсөн дүрт имтихан тапшырасаҡ: рус теле, математика һәм үҙҙәре һайлаған ике предмет. Быйыл 42411 туғыҙынсы класты тамамлаусы был имтихандарҙы биреү өсөн тер­кәлгән. 17-18 майҙа Башҡортостандан ҙур делегация эш сәфәре менән Үзбәк­станда булып ҡайтты. Кәңәшмәлә был сә­фәргә йомғаҡтар яһалды. Радий Фәрит улы белдереүенсә, Үзбәкстан бик тиҙ үҫешә, сәнәғәт һәм социаль өл­кә­һе яҡшы үҫеш динамикаһында. Улар­ҙан өйрәнәһе нәмәләр күп. Улар яғынан да беҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. – Бик бай программалы сәфәр булды. Беҙ эш төркөмө булдырабыҙ тип килештек, быны Үзбәкстандың премьер-министры ла хупланы. Уға ярашлы юл картаһы эшләнәсәк. Мәҫәлән, Намангандың бер предприятиеһы менән бәйләнеш булдырылды, улар әленән Благовещендағы етештереүгә инвестиция һала. Сәмәрҡәндтәге хеҙмәттәштәрҙән дә тәҡдимдәр бар. Үзбәкстанға иң ҙур бизнес-миссия барҙы, унда 96 эшҡыуар инде. Улар коллегалары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе, – тине Радий Хәбиров. Радий Фәрит улы беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа Үзбәкстанға барырға теләгән яҡташтарыбыҙ өсөн турпакет буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА. Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
1 июлдә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында, һайлау участкаларында йәки улар янында социаль йәрминкәләр ойошторола, уларҙа аҙыҡ-түлекте ҡулай хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Йәрминкәләр, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, көн дауамында эшләй. Һайлаусыларға Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә. Улар араһында – йомортҡа, ярма, макарон, икмәк һәм икмәк-күмәс изделиелары, үҫемлек майы, шәкәр, йәшелсә, емеш-еләк, эсемлектәр. Социаль йәрминкәләр уҙғарыу республика халҡын ҡулай хаҡҡа сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итергә, шулай уҡ урындағы етештереүселәргә ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, 1 июлдә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында «Рәхмәт» акцияһы ойошторола, уның барышында һайлаусыларға ташлама алырға мөмкинлек биргән беләҙек/купон тапшырыла. Атап әйткәндә, ҡайһы бер бөҙрәханалар, автосервистар, химик таҙартыу һәм ателье хеҙмәттәренә ташлама — 10-20 процент; аҙыҡ-түлеккә (алкоголь һәм тәмәкенән тыш) — 3-10 процент; дөйөм туҡланыу учреждениеларында һатып алыуға — 10 процент. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
15-16 июндә Салауат районында “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” тигән милләт-ара йәштәр форумы үтә. Байрамға бөтә республиканан һәм күрше төбәктәрҙән йәштәр саҡырыла. Сараның маҡсаты — йәштәрҙе туплау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу. Форум барышында мәғариф, ижади, спорт майҙансыҡтары эшләйәсәк, унда ҡатнашыусыларға лекция һәм тренингтар ойоштороласаҡ. Ике көн дауамында “Йәшлек моңо” йәш башҡарыусылар бәйгеһе, шәжәрәләр конкурсы, милли биҙәүестәр әҙерләү, ҡурайҙа уйнау, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә. Кем үҙен төрлө ярыштарҙа һынап ҡарарға, кисен йырлап-бейеп күңел асырға, яңы дуҫтар табырға теләй, байрамға рәхим итегеҙ! Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса,15 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса,15 ғинуарҙа урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә — 12-17 градус һыуыҡ, урыны менән — 20-25. Көндөҙ — 18-13 градус һалҡын. 16 ғинуарҙа синоптиктар республикала бер аҙ ҡар яуыуын фаразлай. Айырым райондарҙа еңелсә буран. Еңелсә боҙлауыҡ, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә — 8-13 градус, аяҙытҡанда минус 18-гә тиклем. Көндөҙ бер аҙ йылы — 4-9 градус һалҡын. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Республика көнө айҡанлы Өфөлә ошо исем аҫтында архитектур инсталляция-күргәҙмә асыласаҡ. Уның сиктәрендә “Тарихтағы ирекмәндәр” исемле үҙенсәлекле проект та бойомға ашырыласаҡ. "Башҡортостан тарихи көҙгөлә". Республика көнө айҡанлы Өфөлә ошо исем аҫтында архитектур инсталляция-күргәҙмә асыласаҡ. Уның сиктәрендә “Тарихтағы ирекмәндәр” исемле үҙенсәлекле проект та бойомға ашырыласаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, күргәҙмә һәр кемде үҙенә ҡыҙыҡлы төҙөлөшө менән ылыҡтырасаҡ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залына ингән ерҙә урбанистик стилдә заманса инсталляцияны һынландырған кубтар ҡаршы аласаҡ. Уларҙың һәр береһе Башҡортостандың күп йыллыҡ тарихын сағылдыра. Береһендә видеопрезентация күрһәтелһә, икенсеһе – күргәҙмә ҡарарға килгән ҡунаҡтарҙы, ҡала урамдарын сағылдырған көҙгө. Был көҙгөләрҙең үҙенсәлекле урынлашыуы арҡаһында кешеләр үҙҙәрен республика тарихының бер өлөшө итеп хис итә ала. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы майҙанында “Тарих ирекмәндәре” үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерәсәк. Улар үткәндәргә ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторасаҡ, ХХ быуат башында Башҡортостандың республика булараҡ формалашыуынан быға тиклем һирәк осраған дәлилдәр менән таныштырасаҡ. “Башҡортостан тарих көҙгөһөндә” күргәҙмәһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 9 октябрҙән алып 12-һенә тиклем эшләйәсәк. Төркөм менән экскурсиялар 11, 15, 19 сәғәттәрҙә ойоштороласаҡ. #Башкортостанвзеркалеистории Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты ярҙамында Дыуан ауылында яңы ауыл мәҙәни үҙәге төҙөлөп бөтөп килә. 300 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы бинала китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе кластары, күргәҙмә залы, кинозал буласаҡ. “Урындағы халык мәҙәни усаҡтың төҙөлөп бөтөүен түҙемһеҙләнеп көтә. Үҙәктең асылыуы ауылға йәм өҫтәр, ауыл тормошон тағы ла йәнләндереп ебәрер, тип ышанабыҙ.”, - тине Дыуан районының мәҙәниәт бүлеге мөдире Алексей Свечников. Мәҙәни үҙәк быйыл йыл аҙағында ишектәрен асасаҡ, тип көтөлә. РФ Президенты Владимир Путин ҡарары менән ғәмәлгә ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты өс – “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт” бүлектәренән тора. Алты йыл эсендә республика аауылдарында 26 мәҙәни-күңел асыу бинаһы төҙөү һәм капиталь ремонтлау планлаштырыла. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бәләкәй Байыҡ ауылы ҙур түгел. Ләкин унда ла Яңы йыл тыны тойола. Клуб эргәһендә шыршы, боҙ һындар урын алған. 30 декабрҙә халыҡты йыйып байрам да уҙғарыласаҡ. Бәләкәй Байыҡ ауылы ҙур түгел. Ләкин унда ла Яңы йыл тыны тойола. Клуб эргәһендә шыршы, боҙ һындар урын алған. 30 декабрҙә халыҡты йыйып байрам да уҙғарыласаҡ. Ихатаһын биҙәп, конкурста ҡатнашырға дәртләнеүселәр ҙә бар.Шундай оҫталарҙың береһе Әлиә Фәтҡуллина йорто эргәһенә боҙ майҙансығы төҙөп ҡуйған. “Ошо рәүешле ауылдаштарымдың күңелдәрен күтәрәһем килде”, - ти ул. Әйткәндәй, ауылда бер матур йола йәшәп килеүе тураһында ла һөйләне клуб хеҙмәткәрҙәре. Яңы йыл алдынан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө йәнлектәр булып кейенеп, Бәләкәй һәм Оло Байыҡ ауылдарында йорттар буйлап йөрөп, халыҡты байрам менән ҡотлайҙар, кескәй бүләктәр тараталар. Шулай ҙа иң ҙур бүләк - ауылдаштарға күрһәтелгән иғтибар һәм ихтирам. Фото: автор. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Бөгөн, 6 апрелдә, Башҡортостан уҡыусылары оҙаҡҡа һуҙылып киткән яҙғы каникулдан һуң яңынан аң-белем серҙәрен төшөнөргә тотондо. Донъяла һәм илдә коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп сығыу сәбәпле, уҡыуҙар әлегә дистанцияла ойоштороласаҡ. Тәүге онлайн-дәресте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе үткәрҙе. «Бөгөн республикабыҙҙың 450 меңдән ашыу уҡыусыһы белем алыуҙы үҙҙәренең класс бүлмәләрендә, мәктәптәрҙә түгел, ә өйөндә, дистанциялы уҡыу рәүешендә башларға мәжбүр. Беҙ бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Әлбиттә, бар ерҙә лә шарттар бер үк түгел. Республикабыҙҙа интернет селтәренә тоташмаған ауыл мәктәптәре бар. Шулай уҡ биш-алты мәктәп уҡыусыһы булған күп балалы ғаиләләрҙә бер-ике генә гаджет булған осраҡтар хаҡында ла беләбеҙ. Һөҙөмтәлә «Кем беренсе булып уҡыясаҡ?» тигән һорау тыуа. Был проблемаларҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ. Бөтә балалар ҙа уҡый алһын өсөн башҡа төрлө алымдар эҙләйәсәкбеҙ. Әле – апрель, тиҙҙән май айы етә. Бер минутты ла бушҡа әрәм итергә ярамай. Һеҙ уҡырға, төплө белем алырға һәм киләсәгегеҙҙе матур итеп ҡорорға тейешһегеҙ. Мин һеҙгә ниндәй һабаҡтар бирергә теләйем? Беренсенән, барыһы ла үҙегеҙҙән тора. Һәм һеҙҙең киләсәгегеҙ ҙә. Һеҙҙең бурыс – уҡыу. Икенсенән, бөгөн – геройҙар заманы. Әле, кешеләрҙең иң яҡшы һәм иң насар яҡтары асыҡланған осорҙа, кемдер яҡындарына ярҙам итә, мохтаждарға аҡсаһы менән бүлешә, аҙыҡ-түлек алып бирә, ә кемдер маска һатып байырға, ололарҙы алдап мутлашырға тырыша. Геройлыҡ – ул автомат тотоп яуға инеүҙә генә түгел, ә кеше булып ҡалыуҙа, яуаплылыҡ һаҡлауҙа сағыла. Йылдар үтер, һеҙ ошо ваҡыттарҙы иҫләйәсәкһегеҙ һәм шул саҡта үҙ ҡылыҡтарығыҙ өсөн оялырға яҙмаһын. Бөгөн һеҙҙән артыҡ күп нәмә лә талап ителмәй: үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уҡығыҙ, үҫешегеҙ!» – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров ҡыҙҙар һәм малайҙарға. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
«Юшатыр» гәзите хеҙмәтҡәрҙәренә лә рәхмәтлебеҙ. Мәҡәләләребеҙҙе туған телебеҙҙә ошо гәзит биттәрендә баҫтырып торалар, үҙҙәре лә мәктәпкә килеп уҡыусыларыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлап китәләр. Өфөнөң Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафераһы етәксеһе доцент, филология фәндәре кандидаты Эльвира Фидаиль ҡыҙы Рәхимова һәм Күмертау ҡалаһының 10-сы дөйөм урта белем мәктәбе ЗОММ платформаһында башҡорт теле уҡытыусылары өсөн нетворкинг сессия ойошторҙо. Сарала Өфө, Күмертау, Мәскәү, Сорғот ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе, Һамар,Һарытау өлкәләренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары башҡорт телен уҡытыуҙа заманса технологиялар ҡулланыу, туған телгә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу юлдары хаҡында фекер алышты. Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбе Күмертау ҡалаһының 10-сы дөйөм урта белем мәктәбе менән дуҫлыҡ ептәре нығына. Күмертау ҡалаһының 10-сы дөйөм урта белем мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Фәизрахман ҡыҙы Шарафутдинова уҡыусыларының эштәре менән таныштырҙы. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Нәҙир ҡыҙы Кузбаева сессияла кластан тыш эштәрҙең туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙәге урыны хаҡында һөйләне. Ғөмүмән Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе күрше Көйөргәҙе районына рәхмәтле. Туған телдән дәреслектәрһеҙ нисә йылдар интектек.Үҙем ошо мәктәптә белем алған йылдарҙа беҙҙең класта 19 уҡыусыға бер бөртөк дәреслек ине. Уҡытыусыбыҙ мәрхүм Мансур Ғәзиз улы Ураҡсин бер уҡыусыны таҡтаға сығарып күнегеүҙе яҙҙыра, ҡалғандарыбыҙ таҡтанан күсерә... Бөгөн хаҡлы ялда булған Тарземанова Гөлнур Гизитдин ҡыҙы методистары менән бергә башҡорт теле һәм әҙәбиәте китаптарын мәктәбебеҙгә бүләк итте. Быйыл август айында, яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Ырымбур өлкәһендә башҡорт теле уҡытылған мәктәптәрҙе Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министырлығы Милли мәғариф идаралығы дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк –ара хеҙмәттәшлек булдырыу бүлегенең әйҙәүсе белгес – эксперты Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы Дилмөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе Илгиз Әхтәм улы Салихов, Ҡоролтайҙан Гөлназ Ғаяр ҡыҙы Һөйәрғоловалар уҡыу әсбәптәре менән тьәмин иттеләр. Малик Миңлебулат улы Ильясов етәкләгән «Юшатыр» гәзите хеҙмәтҡәрҙәренә лә рәхмәтлебеҙ. Мәҡәләләребеҙҙе туған телебеҙҙә ошо гәзит биттәрендә баҫтырып торалар, үҙҙәре лә мәктәпкә килеп уҡыусыларыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлап китәләр. Нетворкинг сессия ойошҡан рәүештә уҙҙы, эш тәжриәбәһе менән уртаҡлашыу, йәнле һөйләшеү барыһының да күңеленә хуш килде. Артабан да дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен, уңыштар һеҙгә, илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр! Аллабирҙеләр диктант яҙа. Башҡортостан Республикаһы Фән һәм мәғариф, мәҙәниәт министырлыҡтары, Башҡортостан халыҡтары ассамблияһы советы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторған башҡорт теленән диктантта Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбенең уҡытыусылары һәм 5 -11синыф уҡыусылары ла ҡатнашты. Халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыған яҙыусы Яныбай Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» романы буйынса әҙерләнгән тексты яҙыу онлайн рәүештә ойошторолдо. Башҡорт теленән уҙғарылған Халыҡ – ара диктантта аллабирҙеләр йыл һайын әүзем ҡатнаша. Быйылғыһы 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы ойошторолдо. Сания Кузбаева Ырымбур өлкәһе башҡорттары ассоцияцияһы етәксеһе, ветеран – уҡытыусы,Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы йәштәрҙе ижади эшмәкәрлеккә, уның гражданлыҡ әүҙемлеген күтәреүгә һәм йәш быуындың сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән. Конкурста ҡатнашыуға быйыл Рәсәй Федерацияһының 85 субъектынан 7809 кеше заявка биргән. 7735 кеше проектын тәҡдим итте һәм улар-ға конкурсҡа рөхсәт бирелде. “Беҙ – ЭРГӘЛӘ!” социаль проекты Рәсәй Федерацияһының Федераль йәштәр эштәре буйынса агентлығының 150000 һум күләмендәге грант ярҙамын алды. Проект идеяһы – Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге педагог-психологы Гөлнара Шәйхелисламованыҡы. етәксеһе булып 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының 9-сы класс уҡыусыһы, ирекмән Алина Шәйхелисламова тора. Проекттың төп маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙәге үҫмерҙәргә һәм район үҙәгенән алыҫ ятҡан ауылдарҙан профилактик иҫәптә торған үҫмер-ҙәргә ярҙам итеү. Проект үҫмерҙәрҙең йәшәү потенциалын, яңы шәхси тәжрибә алыу аша үҙ баһаһын күтәреүгә, яңы белемдәр, оҫталыҡтар һәм күнекмәләр үҙләштереүгә булышлыҡ итә, райондың йәшәү эшмәкәрлеген күтәреү буйынса мәғлүмәт алыу өсөн шарттар тыуҙыра, социаль-мәҙәни тормошто, гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыуға һәм патриотизмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Проект сиктәрендә иң әүҙем ирекмәндәргә ноутбуктар тапшырылды. Уларҙы райондың биш торама пунктында алдылар: Әләгәҙ, Оло Ҡыҙылбай, Яңы Мишәр, Оло Аҡа һәм Ҡорғат ауылдарында. “Беҙ – ЭРГӘЛӘ!” социаль проектын бойомға ашырыу ваҡытында үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ялдарын төрләндереү, сәләмәт йәшәү рәүеше, ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Райондың бөтә ирекмәндәрен проектҡа ҡушылырға һәм ҡатнашырға өндәйбеҙ. Беҙҙе “Бәйләнеш”тә та- бырға мөмкин.
Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында рәсәй етәксеһе Владимир Путин менән осрашыуҙа сит илдәр инвесторҙары илебеҙҙә тормошҡа ашырылған милли проекттарға аҡсалата булышлыҡ ҡылыу теләген белдергән. “Донъяның ҡеүәтле инвесторҙары менән кәңәшмә бик уңышлы үтте, – тине Рәсәй Тура инвестициялар фонды етәксеһе Кирилл Дмитриев. – Улар донъялағы активтарҙың 20 процентына – 15 триллион долларҙан ашыу күләмдәге капиталға идара итә. Һәм ошо инвесторҙар үҙҙәренең Рәсәйҙәге милли проекттарға ҡыҙыҡһыныуын раҫланы”. Фонд етәксеһе белдереүенсә, инвесторҙар ҡатнашырға теләгән аныҡ милли проектын да әйткән. Был йәһәттән айырыуса “Һаулыҡ һаҡлау” өҫтөнлөклө урында. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашлығында төрлө саралар үтә. Саралар хаҡында артабан: Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашлығында төрлө саралар үтә. 3 декабрь 19.00 сәғәттә Силәбе өлкәһе ата-әсәләре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәренең онлайн-осрашыуы башлана. Уның барышында башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары, Силәбе өлкәһенең ата-әсәләр комитетын булдырыу ҡарала, ата-әсәләр менән диалог ойошторола. 4 декабрь 11.00 — Рәсәй Федерацияһы субъекттарының эшҡыуарҙары өсөн «Бизнес-ҡоролтай». Онлайн осрашыуҙа башҡорт бизнесын, башҡорт брендтарын үҫтереү, туристик маршруттар төҙөү мәсьәләләре тикшерелә, «Урал легендалары» этнополисы фильмы презентацияһы үтә, «Яҡут күле» һауыҡтырыу комплексы проекты ҡарала. 15.00 — Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмалары активистары менән онлайн- осрашыу. Унда төбәктәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге, башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре тураһында һүҙ барасаҡ, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды проекттары менән танышыу уҙасаҡ. 5 декабрь 11.00 сәғәттә — Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе министрлыҡтары, ведомстволар етәкселәре, тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында «Силәбе өлкәһе башҡорттары: тарих һәм хәҙерге осор» онлайн түңәрәк өҫтәле. Ҡайһы бер доклад темалары: Силәбе өлкәһе башҡорт йәмәғәт ойошмаларының башҡорт мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге; Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу: Силәбе өлкәһендә йәшәүселәрҙең милли составы тураһында уникаль мәғлүмәт; Тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу һәм башҡорт халҡының күренекле шәхестәрен мәңгеләштереү; Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы презентацияһы. Барлыҡ саралар Zoom платформаһы аша ойошторола. Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ярҙамында үтә. Ойоштороусылар: — «Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһе; — Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы; — Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге; — Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге — Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар йорто филиалы; — «Башҡорт ойошмалары ассоциацияһы» социаль-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының Силәбе өлкә союзы. сығанаҡ: https://kurultai.ru/ba/content/1709-dni-bashkirskoj-kultury-i-prosveshheniya-projdut-v-chelyabinskoj-oblasti/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән быйылғы матур яҙҙа 90 йәшемде ҡаршылайым. Төрлө замандарҙы күрергә тура килде. Илдәге бөгөнгө хәлдәр ҙә борсоуға һала оло кешене. Шулай ҙа ҡартайған көнөмдә яңғыҙ түгелмен, изге кешеләрҙең күп булыуы күңелдә өмөт уята. Олоғайып, ярҙамға мохтаж булған кешеләргә ирекмәндәр йөрөгән кеүек, беҙҙең Буранғол ауылында ла мәрхәмәтле ауылдаштарым күп. Ветерандар советы рәйесе Хәҙисә Хилалова, социаль хеҙмәткәр Миңзәлә Баязитова, күршеләрем Зәкирә, Гәүһәр, Гөлйөҙөм Сабитовалар, Рәмиә Ноғоманова, Гөлсиә, Вәсилә Усмановалар, Мәрйәм Шакирова, Мәйсәрә Тайыпова, Нурсилә Мөхәмәтова йорт мәшәҡәттәрендә ярҙамлашып, мунса ла яғып төшөрәләр, иҙәнде лә йыуып сығалар, башҡа эштәремде хәстәрләп, өҙлөкһөҙ килеп торалар. Ярҙамсыл, тырыш ҡатындарға һоҡланам һәм уларға ла минең йәшемә етеп, ҡәҙер-хөрмәт күреп ултырыуҙарын теләйем. Донъяны баҫҡан афәттән имен ҡотолорға яҙһын барыбыҙға ла. Бәширә УСМАНОВА. мәғариф һәм тыл ветераны. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Йәй бөтәһенең дә көтөп алған матур миҙгеле, отпускылар мәле. Ҡояшлы көндәрҙе сит илдәрҙә үткәрергә теләүселәр сәйәхәткә юллана. Тик күптәр бурыстар булһа, илдән сығыуға тыйыу барлығы хаҡында белмәй. Йәй бөтәһенең дә көтөп алған матур миҙгеле, отпускылар мәле. Ҡояшлы көндәрҙе сит илдәрҙә үткәрергә теләүселәр сәйәхәткә юллана. Тик күптәр бурыстар булһа, илдән сығыуға тыйыу барлығы хаҡында белмәй. Мәҫәлән, бөгөнгө көнгә ҡарата Әбйәлил районы суд приставтары тарафынан сит илгә сығыуҙы тыйыу буйынса 1338 ҡарар ҡабул ителгән, уларҙың 214-е алименттар буйынса бурыслыларға ҡарата. Дөйөм бурыс суммаһы 780 мең һум, шул иҫәптә алименттар буйынса 400 мең һум. Бурыстар булыу-булмауын һәр кем суд приставтары идаралығының рәсми сайтында «Башҡарыу производстволары банкыһы» аша ҡарай ала. Бурыс булған осраҡта башҡарыу производствоһы реквизиттары һәм контакт мәғлүмәттәр килеп сығасаҡ. Бурысты түләүҙе еңеләйтеү маҡсатында «Сервис» графаһы аша квитанцияны сығарып алырға мөмкин. Башҡарыу производстволары банкыһы мәғлүмәттәрен «Бәйләнеш»тә һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге махсус ҡушымталар ярҙамында һәм Android, iPhone, Windows Phone мобиль ҡоролмаларының операция системалары аша белергә мөмкин. Был ҡушымталарҙа бурыс хаҡында белеүҙән тыш, мәғлүмәттәрҙе алыуға яҙылырға була. Был саҡта бурыс хаҡында белдереүҙәр киләсәк. «Башҡарыу производствоһы банкыһы»нда бурыс булыуы тураһында белгән граждандарға мәғлүмәттә күрһәтелгән адрес буйынса суд приставтарына мөрәжәғәт итеү мөһим. Сөнки бурысығыҙ булһа, сит илгә сыға алмаясаҡһығыҙ. Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ, көтөп алған ялығыҙҙы боҙмаҫ өсөн ваҡытында саралар күрергә, алдан иҫкәртергә кәрәк. И. ҒӘБИТОВ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Аҙыҡ-түлек магазинына инеп, моғайын да, биш мең һум аҡсаны ваҡлатыу өсөндөр инде, керәндил һәм һыу һатып алған. Артабан автобус туҡталышында ниндәйҙер таксиға ултырып киткән... 1969 йылғы Азалия Нотфуллинаны (Исламғолова) эҙләү бер көнгә лә туҡталмай, был эшкә ирекмәндәр ҙә ҡушылған. Яҡындарының һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатынды бер нисә көн элек Үрге Ҡыйғы ауылында күргәндәр. Аҙыҡ-түлек магазинына инеп, моғайын да, биш мең һум аҡсаны ваҡлатыу өсөндөр инде, керәндил һәм һыу һатып алған. Артабан автобус туҡталышында ниндәйҙер таксиға ултырып Өфөгә юлланған. – Ғәзиз кешебеҙ тураһында берәй хәбәр ишетеү менән йөрәгебеҙ “жыу” итеп ҡала, – ти уның туғандары. – Бик серле юғалыуы шаҡ ҡатырҙы, өҫтәүенә, эҙ яҙҙырып тик йөрөгән һымаҡ тойола башланы. Ибрай ауылында күрҙек тип әйткәйнеләр, шунда ашыҡтыҡ. Үкенескә күрә, тап итә алманыҡ. Әле район үҙәге Үрге Ҡыйғыла тигән хәбәр ишеттек, унда ла юҡ. 51 йәшлек Азалия Илһам ҡыҙы Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында ире менән ғүмер иткән. Ғаиләлә бер үҙе генә үҫкән ҡыҙҙары Өфөлә йәшәгән. Ҡатындың буйы яҡынса 155 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, сәстәре ҡара һәм ҡыҫҡа, күҙҙәре көрән, өҫтөнә ҡара-күк куртка, ҡара-зәңгәр свитер, ҡара салбар, аяғына ҡара кеды кейгән. Азалия Нотфуллина тураһында ҡош телендәй генә булһа ла яңылыҡ белеүселәр 89373116606 телефоны буйынса Гөлфиәгә шылтыратһын ине. Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән. Автор: Илдар Акьюлов https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yu-al-an-Azaliya-ha-inda-ya-i-h-b-r-bild-le-buldi-355900/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 августа Өфөлә тамамланған WorldSkills милли чемпионаты йомғаҡтары буйынса барлыҡ колледждарҙың директорҙары менән осрашырға ниәтләй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждары директорҙары менән осрашырға тәҡдим итте «Беҙ 100 оҫтахананы ярыштар үткәреү өсөн һатып алынған заманса станоктар һәм техника менән тәьмин итергә уйлайбыҙ», — тине Хәбиров. Республика етәксеһе төбәк йыйылма командаһынан чемпионат еңеүселәре менән дә осрашырға йыйына. «Йәштәр — беҙҙең геройҙар. Улар менән мотлаҡ осрашырға, һөйләшергә кәрәк. Өфөлә WorldSkills финалын үткәреү Башҡортостанда һөнәри белем алыуға икенсе һулыш бирер тип ышанабыҙ», — тине Радий Хәбиров. Дөйөм команда иҫәбе һөҙөмтәләре буйынса Мәскәүҙең йыйылма командаһы беренселектең абсолют чемпионы тип танылды. Беренсе урынды Татарстан яуланы. Икенсе урынды Башҡортостан Республикаһы һәм Санкт-Петербург командалары бүлеште. Өсөнсө урынды Мәскәү өлкәһе алды.
Яҙ етеү менән ерҙең йылы төшкән участкаларына ҡышҡы йоҡонан һуң уянған тәүге талпандар сыға һәм шунда уҡ талпан энцефалиты, талпан боррелиозы (Лайм ауырыуы) менән ағыуланыу сығанағы булырға “әҙер тора”. Ауырыуҙы ҡуҙғатыусы, нигеҙҙә, кешегә вирус менән зарарланған талпандар-ҙың ҡаҙалыуы аша тапшырыла. Үләндә йәки ағаста ултырған талпандар сабыр ғына яндарынан берәй хай-уандың йәки кешенең үткәнен көтә. Талпандар оса ла, һикерә лә алмай, улар эргәләренән үтеп барыусы йәки уларға ҡағылып киткән ҡорбанға тағыла йәки улар-ҙың өҫтөнә килеп төшә. Башҡа ҡан һурыусы бөжәктәр кеүек үк, талпандың тешләүе лә оҙаҡ ваҡыт һиҙелмәҫкә мөмкин, сөнки уларҙың һеләгәйендә ҡанды шыйыҡландырыусы (антикоагулянт) һәм ауыртыуҙы баҫа торған матдәләр бар. Нәҡ шул сәбәпле, ҡаҙалған талпанды эҙләп табыуҙың ябай, ләкин файҙалы сараларының береһе – урмандарҙан һәм ял итеү урындарынан сыҡҡанда үҙ-үҙеңде йәки бер-береңде тикшереп сығыу. Ата талпандар, инә талпандарҙан айырмалы рәүештә, бик ҡыҫҡа ваҡыт-ҡа ғына йәбешә, шуға күрә ауырыусыларҙың байтағы тешләү фактын иҫләмәй. Урманға бармаған кешеләрҙең дә зарарланыуы ихтимал. Башҡа кешеләрҙең әйберҙәренә, сәскәләргә, ботаҡтарға йәки хайуандар-ға йәбешеп ингән талпандар арҡаһында ла килеп сыға бындай хәл. Зарарланыуҙың икенсе юлы – ҡайнамаған кәзә һөтөн аҙыҡ итеп ҡулланыу. Талпандар күпләп һөжүм иткән осорҙа вирустың һөттә булыуы мөмкин. Шулай уҡ талпан энцефалиты менән һыйыр һөтө аша ла ағыуланыу ихтималлығы йәшәп килә. Шуға күрә, был продуктты ҡайнатып ҡына файҙаланырға кәрәк. Талпанды иҙгән ваҡытта вирус тәнгә ыуылып йәки тешләгән урынды тырнағандан һуң да сирләп китергә мөмкин. Талпан тешләүҙән һаҡланыу буйынса кәңәштәр Урманға йыйынғанда талпан һөжүменән үҙегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ: - беләҙектәре тығыҙ һылашып торған оҙон еңле әйбер кейегеҙ; салбарҙы оҙон ҡуңыслы итектәргә ҡыҫтырығыҙ (аяҡ кейем әйберҙе ҡыҫтырыу өсөн табандың арт яғын һәм бәкәлде ябыр-ға тейеш); мотлаҡ баш кейеме алығыҙ (яулыҡ йәки шапка); асыҡ төҫтәге әйбер һайлағыҙ, унан эләккән талпанды күреүе еңелерәк; әйберегеҙҙе талпандарға ҡаршы репеллент менән эшкәртегеҙ; урманда йөрөгәндә һуҡмаҡтың уртаһынан барырға тырышығыҙ, бейек үләндәрҙән һәм ҡыуаҡтар-ҙан һаҡ булығыҙ. Талпанды тәндән нисек алырға Ҡаҙалған талпанды ипләп кенә алыу өсөн томшоғона яҡыныраҡ итеп еп менән уратып бәйләгеҙ, артабан уның остарын ян-яҡҡа ҡаратып һуҙығыҙ һәм киҫкен хәрәкәттәр эшләмәй генә талпан тулыһынса сыҡҡансы өҫкә тартығыҙ. Шулай уҡ тәнгә ниндәй ҙә булһа май һөртөргә була –һауа етмәүҙән бөжәк әкренләп хәлһеҙләнә һәм үҙенән-үҙе килеп сыға. Әгәр ҙә талпанды тулыһынса сығара алманығыҙ һәм уның башы тәндә ҡалды икән (ҡара нөктә кеүек күренә), уны ябай шырауҙы алған кеүек үк, булавка менән сығарырға кәрәк. Бындай хәрәкәттәрҙән һуң, ҡулығыҙҙы йыуығыҙ һәм яраны йод йәки спирт менән эшкәртегеҙ. Талпанды һис бер осраҡта ла ярамай: иҙергә – әгәр ҙә талпан инфицирланған икән, уның эске органдарында вирус бар; өҙөргә– вирус бөжәктең һеләгәй биҙҙәрендә һәм башында туплана, өҙгән саҡта ул ярала ҡала (талпанды теш менән өҙөү тағы ла хәүефлерәк, был осраҡта инде вирус һис шикһеҙ организмға эләгәсәк). Талпан энцефалитынан иң яҡшы профилактика – талпан ҡаҙалыуҙы иҫкәртеү һәм вакцинация. Прививка яһалмаған кешеләргә талпан ҡаҙалған осраҡта, тиҙ арала, ҡаҙалғандан һуң 4 көндән дә һуңламай, иммуноглобулин индерергә кәрәк. Мәсетле районының теләгән бер кешеһе вакцинация яһата ала. Бының өсөн терапевта булғандан һуң район үҙәгендә йәшәгәндәргә үҙәк район дауаханаһының прививкалар яһау кабинетына (19-сы кабинет), башҡа ауылдарҙа йәшәгәндәргә үҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Хәлқара хәвәрләрдә тәйвән президенти сәй йиңвенниң келәр айда оттура вә җәнубий америкини зиярәт қилидиғанлиқи вә бу җәрянда америкида тохтап өтүш, һәтта доналд трамп билән көрүшүш еһтималлиқи хәвәр қилинғандин кейин, бу алақидар тәрәпләрниң диққәт вә инкасини қозғиди. Бүгүн хитай ташқи ишлар баянатчиси бу һәқтә пикир баян қилип, сәй йиңвенниң һәрикити сиясий ғәрәзлик ушшақ һәрикәтләр дәп әйиблигән вә америка тәрәпни сәй йиңвенниң америкидин өтүшигә рухсәт қилмаслиқ вә тәйвән мәсилиси һәққидә хата сигнал бериштин сақлинишқа чақирған. Хәлқара хәвәрләрдә баян қилинишичә, доналд трампниң өткән һәптә сәй йиңвен билән елип барған күтүлмигән телефон сөһбити хитайдики сәзгүрлүкни ашурувәткән. Бүгүн сәй йиңвен билән доналд трампниң сөһбити һәққидә мақалә елан қилған мәшһур сиясий өктичи өркәш дөләт сәй йиңвен билән доналд трамниң учришишини тасадипийлиқ дәп қарашқа болмайдиғанлиқини, буниңдин кейин тәйвәнниң хәлқара сәһнидики ялғузчилиққа хатимә бериш үчүн һәрикитини тезлитидиғанлиқ еһтималлиқини оттуриға қойған. Мунасивәтлик хәвәрләр Д у қ: «тәйвән хәлқиниң сәй йиңвенни қайта президентлиққа сайлап, тәйвәнниң игилик һоқуқини қоғдиғанлиқидин илһамландуқ» Тәйвән, җаң кәйшиниң сиясий тәсиридин тәл-төкүс қутулуш үчүн қәдәм басти Илһам маһмут тәйвәндә өткүзүлгән «28-феврал вәқәси» ни хатириләш паалийитигә қатнашти Тәйвән б д т «йемәк-ичмәк вә йеза игилик комитети» ни тәйвәнни кәмситиш билән әйиблигән Тәйвәндә б д т ға әза болуш үчүн қайта һәрикәт башланди Тәйвән президенти сәй йиңвен тарихта тунҗи қетим тәйвәндики йәрлик милләттин әпу сориған дөләт башлиқи болуп қалди
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инвалидлыҡты билдәләүҙең ябайлаштырылған тәртибен ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем оҙайтырға тәҡдим итте. Был проект ил Хөкүмәтенә ебәрелгән. Төҙәтмәләр ҡабул ителгән хәлдә, 2022 йылдың 2 мартынан 1 июлгә тиклем бығаса билдәләнгәгн инвалидлыҡ төркөмөн, медицина учреждениелары биргән документтар нигеҙендә тәүге тапҡыр инвалидлыҡ билдәләү ғәмәлен медик-социаль экспертиза бюроһына шәхси мөрәжәғәт итмәй генә юллап була. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков әйтеүенсә, әлеге ваҡытта медик-социаль экспертиза менән граждандар араһында системаны комплекслы трансформациялау бара. Ваҡытлыса тип ҡабул ителгән тәртип ғәмәлгә инә ҡалһа, уның өҫтөнлөктәре һаҡланасаҡ. Граждандар медик-социаль экспертизаны нисек үтеү юлын һайлай аласаҡ: шәхси йәки ситтән тороп. Мәғлүм булыуынса, гражданды инвалид тип табыуҙың ваҡытлыса тәртибе был ғәмәлдә граждандың шәхси ҡатнашлығын талап итмәй. Әгәр инвалидлыҡ беренсе тапҡыр билдәләнә икән, төркөмдө асыҡлау, шәхси реабилитация программаһы төҙөү медицина документтары нигеҙендә эшләнә. Инвалид балаларға 18 йәш тулғас, төркөмдө билдәләү ғәмәле шулай уҡ медик-социаль экспертиза бюроһына бармай, шәхси ҡатнашлыҡһыҙ башҡарыла. Кемдәрҙең инвалидлығы алдан билдәләнгән, уларҙың документтары һәм реабилитациялау программалары ваҡытлыса тәртип ғәмәлдә саҡта автоматик рәүештә оҙайтыла. Инвалид бала үҫтереүсе әсә Лилиә Дибаеваны был яңылыҡ бик шатландырған. “Яңы тәртип миңә ҡалһа, бик уңайлы, сөнки мөмкинлектәре сикләнгән баланы экспертиза үткәреүгә йөрөтөү ҡатмарлы, ваҡытты һәм көстө ала. Әле был мөмкинлек оҙайылған тигән яңылыҡҡа шатландым, сөнки тап ошо осорҙа улыма 18 йәш тула, тимәк, медицина документтары нигеҙендә генә, ситтән тороп уның инвалидлыҡ төркөмөн раҫлап буласаҡ”, – ти Лилиә ханым. Ғөмүмән, инвалидтарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, уларҙың мәшғүллеген тәьмин итеү, сәләмәтлеген хәстәрләү мәсьәләләре ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектында ла билдәләнгән. Унан тыш, быйыл өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы оҙайлы ваҡыт дауамында ҡарау буйынса системаны ойоштороу ихтыяжы дәүләт тарафынан билдәләнде. “Демография” милли проекты буйынса, 2024 йылға тиклем, Рәсәйҙә, ил Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, был мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш. Яңы системаның маҡсаты – хеҙмәт­ләндереүгә, ҡарауға мохтаж граждандарҙың тормош сифатын тәьмин итеү, сәләмәтлеген хәстәрләү, социаль хеҙмәтләндереү ысулын һайлау мөмкинлеген биреү. Проектҡа ярашлы, кешенең мохтажлыҡ кимәле асыҡланасаҡ һәм, унан сығып, оҙайлы ҡарау һәм хеҙмәтләндереүҙең социаль пакеты билдәләнәсәк. Башҡортостан был йәһәттән 2022 йылдан башлап ошо пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ ил төбәктәре араһында. 2019 – 2021 йылдарҙа Башҡортостан бындай төбәктәр исемлегенә инмәһә лә, әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барылған: норматив-хоҡуҡи базаға үҙгәрештәр индерелгән, стационар учреждениеларҙың матди-техник базаһы нығытылған, хеҙмәтләндереүсе персоналға уҡытыуҙар ойошторолған, яңы технологиялар ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралған. Был саралар иһә Рәсәй Президениты Владимир Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: "Российская газета". Автор:Гүзәлиә Балтабаева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Ирем менән студент саҡта танышып, ике-өс ай дуҫлашып йөрөгәс, өйләнештек. Һомғол, ҡупшы кейенгән, һәр ваҡыт үҙен ҡарап йөрөгән егеткә күп ҡыҙҙар иғтибар итте. Шуға ла уға торомошҡа сығыуыма бик шат инем. Хәҙер инде йәшәй башлауыбыҙға 25 йыл да булды. Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Олоһо Мәскәүҙә иң абруйлы уҡыу йортон тамамлап, хәҙер аспиратнтурала белем алыуын дауам итә. Бәләкәйе әле мәктәпкә йөрөй. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда бер ваҡиға тыныслығымды урланы. Автобуста киләбеҙ. Эргәмдә ултырған 17 - 18 йәштәрҙәге егеткә иғтибар итә ҡуйҙым. Иремдең йәш сағына оҡшап тора бит. Шул аҡ ҡара сәс, һыҙылып киткән ҡаш, ап-аҡ йөҙлө. Муйын тирәһендә ҡыҙғылт миңен күргәс, йөрәгем туҡтаймы тип торам. Егетте тағы күҙәтәм. Ҡараштары ла иремдеке кеүек. Унан атай-әсәһен һорайыммы икән тип, уҡталып-уҡталып ҡуйғайным да, ни эшләптер тыйылып ҡалдым. Күп тә үтмәй туҡталышта теге егет төшөп ҡалды. Шул көндән бирле әллә ни эшләнем дә ҡуйҙым. Иремә ҡарата ышанысым юғалды, һыуыныуымды тоям. Үҙенә был хаҡта әйткәйнем: - Ҡара әле, ни эшләп һорашманың? Улым булғандыр әле, - тип көлдө лә ҡуйҙы. Бәлки, ул егет иремдең балаһы ла түгелдер... Былай иптәшемдең теләһә кем менән сыуалғаны тойоломай. Кем белә? Ни эшләп шунда егеттән атай-әсәһен һорашманым икән тип үкенәм хәҙер. Бәлки, берәй нәҫел-заты булғандыр. Шул саҡта бөтәһен дә белешһәм, бөгөн үҙемде был тиклем ғазапламаҫ инем. Хәҙер ҡала араһына сыҡҡан һайын ҡарашым менән теге егетте эҙләйем. Осрай ҡалһа, был юлы барыһын да һораясаҡмын. Сибай ҡалаһында һөйләгән ханымдан яҙып алынды. Венер Исхаков Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
«Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» турнирының һайлап алыу этаптары тамамландыУҙған ял көндәрендә Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының һуңғы һайлап алыу этабы уҙҙы. Стартҡа Бәләбәй, Кушнаренко, Ғафури, Хәйбулла һәм Яңауыл райондары вәкилдәре сыҡты. Ике хәл иткес урау йомғаҡтары буйынса, 12-се этапта Хәйбулла районынан Виталий Рогалев еңеү яуланы. Шулай итеп, 11 октябрҙә төп бүләк өсөн ярышырға тейешле 12 жокей билдәле булды. Марттан алып сентябргә тиклем ат сабыштарында барлыҡ райондарҙың вәкилдәре ҡатнашты. Еңеүселәр — Дыуан, Илеш, Дүртөйлө, Белорет, Федоровка, Ҡыйғы, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Борай һәм Хәйбулла райондары һыбайлылары. Турнир республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға арналған. Башинформ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Иртәнсәк бер ни булмағандай уҡытыусы мәктәпкә китте. Дәрес башланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Уҡыусылар үҙ урындарын алып өйгә эштәрен ҡарайҙар. Ҡыңғырау ҙа шылтыраны. Шуны ғына көткәндәй, Йәмил: — Апай, кисә һеҙҙе күрҙек, һеҙ Ғәйникамал инәй менән урлап бесән алып ҡайтып бара инегеҙ ибет, мин дә аттан төшөп һөйрәшәйем микән тигәйнем, атай риза булманы, — тип ҡысҡырып ебәрҙе.Уҡыусыларҙың күбеһе шырҡ - шырҡ көлә башланы, ә ҡайһы берәүҙәр һүҙһеҙ, ни әйтер тигәндәй уҡытыусыға түбәлделәр. Йәш уҡытыусы нимә тип яуап ҡайтарырға белмәне.— Урлау булманы... — тип көскә аңлата алды. Уҡыусылар уға шул тиклем яҡын булып киттеләр, һәм үҙенең уларҙы биҙҙереүҙән ҡурҡып ҡуйҙы.— Дөрөҫ эшләмәгәнменме әллә, Йәмил? — тине уҡытыусы тынлыҡ урынлашҡас.— Тимәк, урлашыу түгел...?Шулай ҙа уҡытыусы булып, төндә ферманан бесән һөйрәүе ҡыҙыҡ шул, — тип көлөп ебәрҙе. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ЗөлфиәФәйрушина#Хикәйәләр Бәләкәй генә башҡорт ауылына йәш уҡытыусы килгән, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендәй таралды. Бер нисә көн буйы ауыл магазинында, медпунктта, әбейҙәр сәй эскәндә ошо хаҡта ғына һөйләнеләр. — Йәш кенә, ауылға килен була икән, өйләнмәгән егеттәр күп, — тине мәктәп йыйыштырыусыһы. — Теге үрге остағы Ғәйникамал әбейгә төшмәһә ярар ине, бик уҫал, йәш балаға көн күрһәтмәҫ. — Ә ниңә үҙең алмайһың һуң, һин алһаң да булыр, бер үҙеңә яландай ике өй, — тип һүҙгә ҡушылды мәктәп директоры. — Эй, алмайым, яңғыҙ рәхәт, тамағыма бешерһәм - бешерәм, бешермәһәм юҡ, балаларыма барып та ашайым. Ошондай ҡыҙыҡлы, төрлө һүҙҙәр йөрөгәндә Гөлйөҙөм урындағы башланғыс мәктәп менән танышып, директор Нурия Батыровналарға барып урынлашып торҙо. Ул ошо мәктәптә ереме йыл эшләй, улы Наил менән генә йәшәй. Мәктәптән алыҫ түгел йәтеш кенә йорттары бар. Наил күрше ауылға унынсы класҡа мотоцикл менән йөрөп уҡый. Сөнки ауылда мәктәп өс йыллыҡ ҡына. — Беҙҙә торор инең, еткән улым бар, көн һайын ҡайтып йөрөй, һине Ғәйникамал апайға алып барырмын, — тине, ике көн йәшәгәс, Нурия Батыровна. Улар шулай эшләнеләр ҙә. Иртә менән тороп был инәйгә йүнәлделәр. Урам бик иркен, таҙа, осраған кешеләр һаулыҡ һорашып, үҙҙәренең ҡараштарын йәш уҡытыусыға төбәнеләр. Ауыл халҡының шул тиклем ябай булыуы микән?.. Иҫән - һау, бәлә ҡазаһыҙ эшләһен инде ", — тип һөйләнде осраған кеше. Бына Ғәйникамал инәйҙең өйө. Әбей күренмәй, ә ҡапҡа төбөндә ап - аҡ ҙур эт ята. Ул да, сәләмләгәндәй, ауыҙынан тештәрен күрһәтеп, сит уҡытыусыға төбәлде. Бик ҡарт эт булып сыҡты, бер нисә минут ҡарап торғандан һуң, икенсе яҡҡа күсеп башын тәпәйенә һалып, сентябрь айының ҡояшына ҡыҙынып ятыуын дауам итте. Ишек алдына үттеләр, бында ҙур баҡса, ә баҡсала алма әйешеп, помидорҙар бешеп ултыра. — Маҡтап йөрөйһөгөҙ, әйҙәгеҙ, әйҙә, яңы ғына самауырым ҡайнап сыҡты, үтегеҙ... Был Ғәйникамал инәй булып сыҡты. 60 йәштәр тирәһендәге әбейҙең йөҙөндә йыйырсыҡтар аша шатлыҡ сатҡылары һибелде. — Ауылға йәш уҡытыусы килгән, тип ишеткән инем, моғайын, ҡыҙым, һин булаһыңдыр әле, — тип, танырға теләгәндәй, Гөлйөҙөмгә төбәлде. Бәләкәй генә солан аша, алғы үткән арала ҡыҙыҡай әбейҙеңбик йыйнаҡ, таҙа тороуын шәйләп алды. Солан иҙәнен һап - һары итеп бысаҡ менән ҡырып йыуған. Ә алғы өйҙә гөрләп самауыр ҡайнай, бер йомғаҡ һары май, кәстрүлдә ҡаймаҡ, ҙур кәсәлә ҡорт балы, күпереп бешкән икмәк ҡуйылған урындыҡтың бер яғына бәләкәй мендәр һалып, урын тәҡдим итте. Ҡыйыр - ҡыймаҫ ҡына тороуын күргәс: — Аштан оло булырға ярамай, әйҙә үт, ултыр, — тип ҡыҫтай башланы. — Сәй эсмәһәк тә ярар ине, — тине Нурия Батыровна, — һеҙгә кәңәш менән килгәйнек. Йәш уҡытыусыларҙың күптәре һиндә йәшәнеләр, әллә Гөлйөҙөмгә лә ҡаршы булмаҫһың тип килгәйнем. Хужабикә ҡапыл ғына яуап бирергә ашыҡманы. Самауырын һөртөштөрөп, сынаяҡтарын сайҡаштырып бер аҙ өндәшмәй ултырғандан һуң: — Белмәйем минең менән килешеп йәшәй алыр микән? Мин ҡаршы түгел. Хәҙер йәшәү хаҡы ла ҡиммәт, кем түләй, ауыл хакимиәте ярҙам итһә, — тип һүҙ башланы. — Әгәр риза булһаң, ул тура ла һөйләшербеҙ, — тине өлкән уҡытыусы. — Минең элекке бында йәшәгән уҡытыусым, әле лә килеп китә, рәхмәттәр әйтә, — тип сәй яһай — яһай Ғәйникамал әбей үткәндәр тураһында һөйләп алып китте. Улар көнгөр - ҡаңғыр һөйләшеп сәй эскәндән һуң, Гөлйөҙөм бөтөнләйгә бында күсеп килде. Бер көн иртәнсәк шулай дәрескә әҙерләнеп йөрәгәндә мәктәп йыйыштырыусыһы: — Ярай, ҡыҙым, хәйерле булһын, иҫән - һау йәшәгеҙ, — тип һөйләнә - һөйләнә килеп инде. Ул Орҡоя инәй булып сыҡты. Ғәйникамал инәй соланға сыҡҡан арала: — Был әбей бик уҫал, абей бул, хәбәр һөйләмә, насар кеше, — тип шыбырланы, яулыҡ остары менән ауыҙын ҡаплап. Был ваҡытта хужабикә самауырын борҡотоп сәй килтереп ултыртты. Ә Орҡоя инәй хужабикә ингәс ҡапыл ғына бөтөнләй икенсе төргә әйләнеп: — Шулай шәп беҙҙең Ғәйникамал, нисә килмә самауыр ҡайнай, өҫтәл тулы ризыҡ, — тип уны маҡтай башланы. Йәш уҡытыусы, оло йәштәрҙәге апайҙың ҡыланышын күрмәмеш булып, мәктәпкә йүгерҙе. Көндәр бик һиҙелмәй бер - бер артлы үтә торҙо. Октәбрь айы бөткәндә уҡытыусы Ғәйникамал әбейҙең донъяһына күнегеп алғайны инде. Яңғыҙ ике һыйыр, бер нисә башмаҡ, егерменән ашыу ваҡ мал тотҡан хужабикәгә ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә лә тырышты. Ул етмәһә етем балалар ҙа ҡарай ине, бер туған ҡустыһының балалары. Килендәре йәшләй донъя ҡуйған, алты бала етем ҡалған. Бер көндө Ғәникамал инәй бик ныҡ ауырып китте, хатта тора алмай ятты. Өйҙөң бөтөнләй ҡото китте. Көнө - төнө ыңғырашып тауыштары Гөлйөҙөмдең үҙәген генә өҙҙө. — Ҡыҙым, үлеп ҡалмаһам ярар ине, донъя хәлен белеп булмай. Бергә - бергә йәшәүҙәре күңелле ине, - тип һөйләнде әбей. Алтмыш йәштән үткән, ғүмер буйы япа - яңғыҙ йәшәгән, кейәүгә лә бармаған, бала тапмаған инәһен, Гөлйөҙөм нимә тип кенә лә йыута белмәй аптыраны. — Ауыл фельдшерын саҡыртып алды, йылы һүҙҙәр эҙләп йонсоно, ҡан баҫымы, температураһы өҙлөкһөҙ күтәрелеп торған әбей янында төндәр буйы ултырып сыҡты. Ун көн тормай ятҡандан һуң Ғәйникамал инәй йөрөй башланы. Донъя яҡтырып, ҡот кереп китте. Ныҡ ябыҡһа ла уның шулай үҙ донъяһын үҙе көтә башлауы уҡытыусыға оло бүләк булды. Алтын көҙҙө һалҡын ҡыш алмаштырҙы. Ғәйникамал инәй иртәнән ҡара кискә тиклем донъя эштәренә сума. Ишек алдындағы ҡош ҡортона, мал - тыуарына һөйөнөп йәшәй, ике донъя баға, етмәһә, һыйырҙары ул йылды бик иртә быҙауланы. Бер көн шулай ҡабалан ғына килеп инде лә китап уҡып ултырған уҡытыусыға: — Әйҙә, минең менән, — тине. Үҙе билен быуған, дебет шәлде урап ябынған хужабикәгә Гөлйөҙөм бер аҙ ҡарап торғандан һуң: — Ҡайҙа? — тип аптырап ҡалды. — Әйҙә, әйҙә тиҙ генә, — тине лә ҡабалан атлап сығып китте. Гөлйөҙөм тиҙ генә кейенеп, уның артынан сыҡҡанда, инәйе бәләкәй санаһына һәнәк һалып ҡайҙалыр йыйынған ине. Гөлйөҙөм һаман да әбейҙең ай - вайына төшөнөп етмәне. Ҡапыл ҡыҙҙың аптырап ҡалғанын күргән Ғәйникамал : — Ферманан бесән алып ҡайтабыҙ, һин дә һөйрәшерһең , минең көсөм етмәй, бөгөн ике барып килһәк, — тине. Ҡыҙ уның артынан эйәрҙе. Шул тиклем матур:өйөрөлөп - өйөрөлөп, ябалаҡлап ҡар яуа. Яңы ғына яуған ҡарҙарҙы ярып , шығыр - шығыр сана Ғәйникамал инәйҙең артынан эйәрә. Фермалағы мал ҡараусылар ҙа яңы ҡайта, атлы кешеләр бер - бер артлы үтә. Улар араһында балалар ултырып алғандары ла бар. Ошо ваҡыт йәш уҡытыусының башынан төрлө уйҙар үтте. Бигерәк тә, үҙенең уҡыусылары булмаһа ярар ине, тип көрһөндө. Ике тапҡыр бесән алып ҡайтҡандан һуң, ул тәрән уйға ҡалды. Орҡоя әбейҙең Ғәйникамал әбейҙе яманлауы, бәлки, шуғалыр, бөгөн бесән алып ҡайтҡанды ла күпме кеше күрҙе. Кеше шулай донъя көтөр өсөн тырышҡан булалыр инде. Иртәнсәк бер ни булмағандай уҡытыусы мәктәпкә китте. Дәрес башланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Уҡыусылар үҙ урындарын алып өйгә эштәрен ҡарайҙар. Ҡыңғырау ҙа шылтыраны. Шуны ғына көткәндәй, Йәмил: — Апай, кисә һеҙҙе күрҙек, һеҙ Ғәйникамал инәй менән урлап бесән алып ҡайтып бара инегеҙ ибет, мин дә аттан төшөп һөйрәшәйем микән тигәйнем, атай риза булманы, — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Уҡыусыларҙың күбеһе шырҡ - шырҡ көлә башланы, ә ҡайһы берәүҙәр һүҙһеҙ, ни әйтер тигәндәй уҡытыусыға түбәлделәр. Йәш уҡытыусы нимә тип яуап ҡайтарырға белмәне. — Урлау булманы... — тип көскә аңлата алды. Уҡыусылар уға шул тиклем яҡын булып киттеләр, һәм үҙенең уларҙы биҙҙереүҙән ҡурҡып ҡуйҙы. — Дөрөҫ эшләмәгәнменме әллә, Йәмил? — тине уҡытыусы тынлыҡ урынлашҡас. — Тимәк, урлашыу түгел...?Шулай ҙа уҡытыусы булып, төндә ферманан бесән һөйрәүе ҡыҙыҡ шул, — тип көлөп ебәрҙе. Ләкин уҡытыусы был һорауҙарҙы ла тиҙерәк икенсе яҡҡа борҙо, өйгә эштәрҙе тикшереп сыҡҡандан һуң, ул яңы тема аңлата башланы. Ул уҡыусыларға "урлау" һүҙенең мәғәнәһен нисек кенә аңлатып ҡарамаһын Йәмиленең атаһының һүҙе хаҡ булыуын дәлилләне. Ферманан һорамай төндә бесән ташыу урлыҡ була имеш. Уҡытыусы уҡыусылары алдында шуға ғәйепле һананы. Шулай күңелле лә һағышлы ла көндәр булғыланы. — Ҡыҙым, хатта һәйбәт йәшәйбеҙ әле, — тип Ғәйникамал инәй йәш уҡытыусыға ла өйрәнеп алды. Көнгөр - ҡаңғыр үҙҙәренсә донъя көттөләр. Бесәнгә йөрөнөләр, мал ҡаранылар. Һалҡын ҡыш миҙгелен алмаштырып ергә яҙ килде. Ғәйникамал инәй бик көйәләнһә лә, ҡыш бесән етмәй тип, бер эҫкерт бесәне артып ҡалды. Малдары ҙа иҫән - һау ҡышлап сыҡты. Ғүмер үҙенекен итеп үтеп торҙо. Ауыл халҡы килен була тип ауыҙ тултырып һөйләһәләр ҙә ниңәлер ҡыҙҙың күңеленә ятырҙай егеттәр булманы. Етмәһә, киноға, уйынға барайыҡ тип килгән ҡыҙҙар булһа Ғәйникамал инәй, уларға тәҙрә аша ғына бысағын күрһәтер булды. Килгәндәрҙең күптәре бының шаярыу икәнен аңламай үпкәләне, ҡайһы берәүҙәр ҡурҡып, бөтөнләй килмәҫ булды. — Эй. был ауылда йүнле егеттәр бармы, Хәнифкә барыр инең - өс бейем, Ғәлим исемлеһе эшһөймәҫ, үрге остағы Илһамдың белеме юҡ, булыр әле насибы, - тип көн дә кис булһа һөйләнә ине хужабикә. Май айы ла етеп, уҡытыусы өсөн уҡыусылары менән хушлашыу көндәре лә яҡынлашты. Ғөлйөҙөмгә бик моңһоу булды, яратҡан инде серҙәш булып бөткән уҡыусылары менән айырылышасаҡ. Һанаулы ғына көндәр шулай тиҙ үтәлер, моғайын. Быйыл уны тағы ла икенсе урынға ебәрәсәктәр, сөнки урындағы уҡытыусы йәш баланан һуң,(декреттан) үҙ урынына сығасаҡ. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Гөлйөҙөм икенсе ауылға эшкә ебәрелде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ҡышҡы һалҡын төндәрҙә сана менән бесән һөйрәүҙәрен, йәштәр килгәндә әбейҙең тәҙрә аша бысаҡ күрһәтеүен, уҡыусыларын өҙөлөп һағынды. Юл төшкәндә генә булһа ла әленән - әле барып, хәл белешеп торҙо.
Төбәк башлыҡтары, табиптар менән кәңәшләшеп, вирустың таралыу күрһәткестәренән сығып, үҙҡурсаланыу режимынан яйлап сығыу буйынса ҡарар ҡабул итә ала. Был хаҡта Президент Владимир Путин менән осрашыуҙа Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова белдерҙе. Төбәк башлыҡтары, табиптар менән кәңәшләшеп, вирустың таралыу күрһәткестәренән сығып, үҙҡурсаланыу режимынан яйлап сығыу буйынса ҡарар ҡабул итә ала. Был хаҡта Президент Владимир Путин менән осрашыуҙа Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте теәксеһе Анна Попова белдерҙе. Үҙҡурсаланыу режимынан сығыуҙың тәүге этабында спорт менән шөғөлләнеүҙе, балалар менән тышҡа сығыуҙы, дистанция һаҡлап сауҙа өлкәһенең эшен рөхсәт итеүҙе күҙ уңында тота. Икенсе этапта иһә ғаилә менән тышҡа сығыуҙы, сикләнгән режим буйынса сауҙа нөктәләренең, мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының эшен башларға мөмкин буласаҡ. Өсөнсө этапҡа күскәндә иһә парктарҙы асыу, сауҙа нөктәләренең, мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының, ҡунаҡханалар, дөйөм туҡланыу урындарының сикләнмәгән эш режимы рөхсәт ителәсәк. Анна Попованың белдереүенсә, дөйөм хәл тағы ҡатмарлаша икән, төбәк башлыҡтары үҙҡурсаланыу режимын ҡабаттан көсәйтә ала. Карантин сараларының эшен көйләү, сикләүҙәрҙе туҡтатыу, иҡтисад эшмәкәрлеген йәнләндереү Рәсәй хөкүмәтенә йөкмәтелә, тине Президент. Билдәле булыуынса, Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Указы менән республикала үҙҡурсаланыу режимы 31 март индерелгәйне. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
28-29 июндә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Ҙур йыйын алдынан быға тиклем булып үткән ҡоролтайҙар тарихына күҙ һалайыҡ. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1-2 июнендә Өфө ҡалаһында үтә. Унда Башҡортостандың һәр ҡала-районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 8 өлкәһенән, Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария, Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай эшендә 10 секция эшләй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм уның рәйесе итеп яҡташыбыҙ, БР Фәндәр академияһы академигы, билдәле археолог Нияз Мәжитов һайлана. II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың 14-15 июнендә Өфөлә үтә. Уның эшендә республика, ил төбәктәренән 19 сит илдән 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. 12 секцияла республиканың дәүләт органдарына милли сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелә. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфө ҡалаһында уҙғарыла. Унда Башҡортостандан, Рәсәйҙең 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән АҠШ, Бразилия, Германия, Израиль, Италия, Канада, Төркиә, Япония һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2015 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында үтә. Ҡоролтайҙың эшендә 400 делегат ҡатнаша. Сара барышында 7 секция эшләй. 28-29 июндә Башҡортостан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡабул итә. Йыйын Өфөлә һәм Ишембай районында, бөтә донъяға билдәле шиханыбыҙ Торатау янында үтә. Рәсәй төбәктәренән – 157, сит илдәрҙән 58 делегат саҡырылған, Башҡортостандың район-ҡалаларынан 295 кеше делегат итеп һайланған. Райондан ҡоролтай эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ғафури табындары ойошмаһының идара рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, шәхси эшҡыуар, әүҙем йәмәғәтсе Хәннән Ишмырҙин, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенән Ғафури йәштәре ойошмаһы ағзаһы Илмир Мөхәмәтйәнов ҡатнаша. Ҡоролтайҙың үҙенсәлеге шунда: секция ултырыштары ябай һөйләшеүгә һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, делегаттар милләт киләсәген күҙаллаған өр-яңы проекттар, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйәсәк. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Бөрйән районы 8-9 июндә V «Ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт ҡомартҡыларын музейлаштырыу: теория һәм практика» халыҡ-ара симпозиумын ҡабул итә. Бөгөн Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең табылыуына 60 йыл тулыуға арналған сара башланды. Мәҙәни мираҫ объекттарын, шул иҫәптән үҙенсәлекле археологик ҡомартҡыны – Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрҙе һаҡлау, музейлаштырыу һәм популярлаштырыу мәсьәләләре ҡарала, тип билдәләне республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. Симпозиумда Мәскәү, Санкт-Петербург, Кемерово, Екатеринбург ғалимдары, шулай уҡ сит ил белгестәре: ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе реставрациялау өлкәһендә халыҡ-ара белгес Эудалд Гуилламет (Андорра-ла-Велья, Андорра кенәзлеге); археология һаҡлаусы Натали Фурман (Мәҙәниәт министрлығы, Мәҙәниәт эштәре буйынса төбәк идаралығы – Бордо, Франция); Кеше музейының ғилми хеҙмәткәре, тарихҡа тиклемге фигуралар буйынса белгес Петроньяни Стефан (Париж, Франция); Превентив археология дәүләт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, геоморфолог Кайоль Дидье (Сен-Оран-де-Гамвиль, Франция) ҡатнаша. Сара барышында «ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә дәғүә итеүгә юл: проблемалар һәм мөмкинлектәр» түңәрәк өҫтәле ойошторола. Уның маҡсаты — «Шүлгәнташ мәмерйәһе рәсемдәре» объекты менән идара итеү планын тикшереү. Халыҡ-ара симпозиумды ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты. http://www.bashinform.ru/news/1316445-v-bashkortostane-otmechayut-60-letie-otkrytiya-risunkov-v-peshchere-shulgan-tash/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Учалы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ике үҫмерҙең юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. 14 йәшлек Айнур Заһитов менән 15 йәшлек Данил Кондратьев 10 ноябрҙә эҙһеҙ юҡ була. Уларҙы эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә ирекмәндәр ҙә йәлеп ителә. Кисә Учалы районы хакимиәте ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: ике үҫмер ҙә иҫән-һау табылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы Белорет ҡалаһының сауҙа үҙәктәренең береһендә табып ала. Үҫмерҙәр ҡайҙа йүнәлгән булған? Ни өсөн? Әлегә билдәһеҙ. Уларҙы алып ҡайтыу өсөн балалар йорто хеҙмәткәрҙәре Белоретҡа юл тотҡан. “Лиза Алерт. Башкортостан" фотоһы. Автор: Римма Султанова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yu-al-an--mer-r-tabil-an-540089/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Ғүмәрҙәр янына район етәкселеге икенсегә килде. Ауылда февраль баштарында ла ошондай йыйылыш булып үткәйне. Ғүмәрҙәр янына район етәкселеге икенсегә килде. Ауылда февраль баштарында ла ошондай йыйылыш булып үткәйне. Азамат Фәрит улы иң элек шул ваҡытта күтәрелгән мәсьәләләр буйынса нимәләр эшләнеүенә байҡау яһаны. Уларҙың ҡайһылары хәл ителгән, ҡайһылары эшләнеү өҫтөндә. Мәҫәлән, хакимиәт башлығы быйыл ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәге хаҡында хәбәр итте, эргәһенә туҡталыш эшләү ҙә билдәләнгән. Клубҡа ултырғыстар талап ителгән булһа, был килеүгә 30 өҫтәмә ултырғыс килтерелгәйне инде. Электр көсөргәнеше түбән булыуы ла был ауыл өсөн ҙур проблема, уның да тиҙҙән хәл ителәсәге, трансформатор алмаштырыласағы әйтелде. Залдан теләктәр менән бергә, рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны: - Васильевкаға уҡырға йөрөүсе балалар автобус көткәндә ышыҡта торһон өсөн яңы туҡталыш эшләнде, бының өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Гөлфинә Вәхитова. - Тағы ла бер үтенес: - Ишембайҙан килгән маршрут автобусы әле ауыл осонан кире борола, яңы туҡталышҡа тиклем барып етеп әйләнһә, халыҡҡа бик уңайлы булыр ине. Ә бына Алмалы – Ғүмәр араһына асфальт һалыу теләге быйыл ғына килеп сыҡмай, киләһе йыл ҡарарға тигән бурыс ҡуйылды. Башҡа мөһим яңылыҡтар ҙа әйтелде. Петровск участка дауаханаһында ремонт башланыу сәбәпле, ваҡытлыса Маҡарға йөрөргә тура килеүе аңлатылды. Күп функциялы үҙәктең Петровскиҙа бүлексәһе эшләй башлаясағы ла халыҡ өсөн ыңғай яңылыҡ булғандыр. Йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеге яғынан хәл ҡатмарлана, шуға ғүмәрҙәргә һыу өсөн цистерна бүленәсәге тураһында хәбәр ителде, ләкин уны һаҡлау өсөн ауылда йылытылған урын хәстәрләү бурысы тора. Кеҫә телефоны бәйләнеше лә был төбәктә хәл ителмәгән мәсьәлә. Бөгөнгө көндә уны яйға һалыуҙың төрлө юлдары ҡарала. Ғүмәрҙәр тауҙарының яҙмышы тураһында ла һорауҙарын бирмәй ҡалманы. “Тауға теймәйәсәкбеҙ”, – тигән яуап халыҡтың дәррәү алҡыштарына күмелде. Ауыл күперҙәрен ремонтлау кәрәклеге хаҡында ла белдерҙеләр, быны комиссия менән барып ҡарау маҡсаты ҡуйылды. Өҫтәмә рәүештә байтаҡ һорауҙар яңғыраны. Мөһим проблемалар ҙа күтәрелде, шул уҡ ваҡытта халыҡтың үҙенең көсө етерҙәй вағыраҡтары ла яңғыраны. Ә бына күп ауылдарҙағы аяныслы күренеш - эскелек проблемаһы, ҡыуанысҡа күрә, Ғүмәрҙә булмай сыҡты. Зәһәр спиртлы эсемлек һатыусыларҙың булғандары ла яман шөғөлөн туҡтатҡан. Тимәк, ғүмәрҙәр бөгөнгө көндә ҙур бер проблеманан ҡотолған. Ауылдарын ҡәҙерләп, уның тағы ла яҡшыраҡ булыуын хәстәрләп йәшәгән халыҡтың киләсәккә барлыҡ өмөттәре аҡланһын. Фото: автор. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә йыл һайын ике кинозал асыу күҙаллана. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә йыл һайын ике кинозал асыу күҙаллана. «Беҙ йыл һайын Кино фондына кинозалдарҙы йыһазландырыуға ғариза яҙабыҙ. Республика бының өсөн бина бирә, кәрәк икән, унда ремонт эшләй. Милли проект буйынса экран, трансляция һәм тауыш ҡорамалдары өсөн аҡса бүленә, йыл һайын ике кинозал алырға уйлайбыҙ», — тип һөйләне ТАСС агентлығына мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Проект 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа тормошҡа ашырыла. Был кинозалдарҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙең фильмдың премьераһын ҙур ҡалаларҙа күрһәтелгән көндә үк ҡарау мөмкинлеге була. Кино прокаты менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙарға ла субсидия бирелә. Министр һүҙҙәренсә, милли проект буйынса һәр кинозалға 5 миллион һум бүленә. Бөгөнгә Башҡортостан райондарында 20-нән ашыу заманса кинозал бар. Төбәк ошо күрһәткес буйынса илдә тәүге бишәү иҫәбендә. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#миллипроектта#төбәкпроекттарыДәүләкән районында голландия технологияһы буйынса шампиньондар үҫтерәсәктәр. Республика йортонда үткән “Инвестиция сәғәте”ндә “Джиэрэр Агро” компанияһының бәшмәк үҫтереү фермаһын булдырыу тураһындағы проектын хупланылар. Бында йsлына 4,6 мең тонна бәшмәк үҫтерергә планлаштыралар. Проект 600 миллион һумға төшәсәк. Етештереү майҙанында әҙерлек эштәре башланған. Был проектты өҫтөнлөклө йүнәлештәр исемлегенә индереү инвесторҙарға һалым түләгәндә льготалар, йыһаздар һатып алғанда субсидиялар алырға мөмкинлек бирәсәк. Был проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Башинформ. Фото Agrobilim.kz Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
15 апрелдән республикала йәшәүселәргә электр энергияһы өсөн квитанциялар менән бергә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүгә хаҡтар килә башлай.”Эко-Сити” төбәк операторына әлеге көндә 20 мең абоненттан дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте корректировкалау тураһында ғаризалар килде. Уларҙың яртыһы эшкәртелде, үҙгәрештәр мәғлүмәттәр базаһына индерелде. Ҡалғандар ҙа ошо арала ҡараласаҡ. 15 апрелдән республикала йәшәүселәргә электр энергияһы өсөн квитанциялар менән бергә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүгә хаҡтар килә башлай.”Эко-Сити” төбәк операторына әлеге көндә 20 мең абоненттан дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте корректировкалау тураһында ғаризалар килде. Уларҙың яртыһы эшкәртелде, үҙгәрештәр мәғлүмәттәр базаһына индерелде. Ҡалғандар ҙа ошо арала ҡараласаҡ. Мәғлүмәттәге хаталарҙың күбеһе документта теркәлгән кешеләрҙең даими йәшәгәндәренә ҡарағанда күберәк булыуына бәйле. Шулай уҡ хеҙмәт өсөн ваҡытында түләп барған хужаларҙың бурыстары булыуы тураһында ла һорауҙар бар. - Әгәр аҡсалар квитанция килгән айҙың һуңғы көнөндә килһә, улай ҙа булыуы ихтимал, - тип аңлата “Эко-Сити” төбәк операторы генераль директоры Семен Земсков. – Мәҫәлән, әгәр граждан февраль өсөн 31 мартта ғына түләһә, ул аҡсалар иҫәпкә алынасаҡ һәм киләһе квитанцияла тик бер ай – март өсөн генә сумма күрһәтеләсәк. Әгәр аҡсалар 31 мартан һуң килһә, апрель квитанцияһына ике түләү инәсәк, ул осраҡта март суммаһын ғына түләргә кәрәк. Әгәр торлаҡ бинаның йорт хужаһы төбәк операторына мәғлүмәтте дөрөҫләү өсөн актуаль мәғлүмәттәр ебәрмәһә, милек хужаһының паспортын, ғаилә составы тураһындағы йәки ваҡытлыса теркәлеү тураһындағы справканы фотоға төшөрөргә йәки скан аша үткәрергә һәм документтарҙың фотоларын [email protected] электрон почтаһына адресты, фамилия, исем, атайығыҙҙың исемен (ФИО), квитанцияны төҙәтергә кәрәклеген күрһәтеп ебәрергә кәрәк. Документтар шулай уҡ “Башэлектросбыт” офистарында ҡабул ителә. Әгәр электрон почта менән ҡулланырға мөмкинлек булмаһа, документтарҙың күсермәһен Рәсәй почтаһы аша - 453124, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18, 4-6-сы кабинет адресы буйынса ебәрергә. Әгәр бер адрес буйынса “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҡулланыу” графаһы менән ике-өс квитанция килһә, шулай уҡ беҙгә мөрәжәғәт итергә. Уның өсөн “Ҡыҙыу линия” телефондары: 8(3472) 980-490 йәки 8965-93-94-900 буйынса (көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем) шылтыратыу ҙа етә. Түләүҙе уларҙың берәүһе буйынса ғына башҡарырға кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына ярашлы граждандар торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәр, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләүҙе ваҡытында һәм тулыһынса башҡарырға тейеш. Олеся АРАМЕЛЕВА, “Эко-Сити” төбәк операторы матбуғат хеҙмәте. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Тамашасыны көлдөрөүсе лә, илатыусы ла, тәрән уйҙарға сумдырыусы ла актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рида Фәхрисламова Өфө «Нур» татар дәүләт театрында 2004 йылдан бирле эшләй. Үҙенең холоҡ-фиғеле менән төрлө пландағы актриса ул. Шулай ҙа үҙенә драматик, тәрән кисерешле рольдәр нығыраҡ оҡшаһа ла, бирелгәндәрен оҫта, иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡара. Аҫҡын районы Билгеш ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, бәләкәй сағынан сәхнәнән төшмәй. Йырларға, һөйләргә, бигерәк тә, бейергә яратҡан ҡыҙҙы ауылдаштары: «Һин әртисткә генә булырһың инде», – тип дәртләндереп тора һәр ваҡыт. Өфөгә уҡырға килергә баҙнат итмәй Рида. Стәрлетамаҡтағы культура-ағартыу техникумында белем ала башлай. Бында бер йыл уҡығас, махсус курс йыйғандарын ишетеп ҡалып, имтихандарҙы уңышлы биреп, Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Бала саҡтан сәхнәне үҙ иткән ҡыҙҙың шатлығынан түбәһе күккә тейә. Профессиональ актриса булып китеү өсөн үҙенең өҫтөндә күп эшләргә, күп уҡырға тура килә, әлбиттә, сәнғәткә ғашиҡ ҡыҙға. – Беҙҙең курстың художество етәксеһе Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ине, – тип хәтерләй Рида Фәхрисламова. – Сәхнә теленә, актерлыҡ оҫталығына өйрәткән, баһалап бөткөһөҙ дәрестәр биргән остаздарыбыҙ Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, Илшат Хәлил улы Йомағолов, Суфия Шәрәфулла ҡыҙы Ҡорбанғәлиева, Рәфил Рауил улы Нәбиуллин, Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев белем генә түгел, тормош һабаҡтары ла бирҙе. Был үҙе бер бәхет булды. Уҡыуын тамамлағас, актриса Өфөләге милли йәштәр театрына эшкә килә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында ла эшләү бәхете тейә Ридаға. Ул осорға күҙ һалғанда ла йәш актрисаның рольдәре байтаҡ ҡына. «Аҫылйәр»ҙә Мәбрүрә, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»та Ниса һәм башҡа образдар тыуҙыра ул. Өфө «Нур» татар дәүләт театрына эшкә алынғас, Рида Фәхрисламоваға татар телен камилләштереү йәһәтенән ныҡлап эшләргә тура килә. Күп уҡый, коллегалары ла ярҙамынан ҡалдырмай. – «Нур»ҙа беренсе ролем Данил Сәлиховтың «Ҡатын түгел – аждаһа» спектаклендәге Әзифә булды, – тип һөйләй Рида Фәғәмәтдин ҡыҙы. – Бик ҡыҙыҡлы образ. Ғөмүмән, һәр ролемде яҡын күреп, яратып башҡарам. Минең өсөн бәләкәй, ҙур роль юҡ. Барыһы ла етди эш талап итә. Береһенән-береһе сағыу, күп һанлы ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра Рида Фәхрисламова сәхнәлә. «Гөргөри кейәүҙәре»ндә уҫал, тура һүҙле, кәрәк сағында ялағайлана ла белгән ауыл ҡатыны Гөрпинәне, «Еҙнәкәй»ҙә мулла ҡыҙы Нәфисәне, «Игеҙәктәр»ҙә Раушанияны яратып башҡара Рида. Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлауы»ндағы Туҡтабикә роле, Туфан Миңнуллиндың «Алты ҡыҙға бер кейәү» спектаклендәге Фаягөл образы, Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» спектаклендәге Йыһания роле һәм башҡалар актрисаға тамашасы һөйөүен алып килә, ижади көс бирә. «Ҡойоп ҡуйған фәрештә»лә режиссер Илдар Вәлиев уға кейәүгә сығырға теләп тә, яңғыҙы тороп ҡалған Лилиә ролен бирә. Был спектакль театр репертуарында 8 йыл самаһы уйнала. Курсташы Зиннур Сөләймәнов ҡуйған «Һинд ҡыҙы» спектакле лә оҙон ғүмерле була. Трактористка Мәмдүҙә ролен оҙаҡ йылдар кинәнеп башҡара Рида Фәхрисламова. – Актерлыҡ эше режиссерға ла бәйле, – тип дауам итә актриса. – Мин был йәһәттән бик уңдым, тип иҫәпләйем. Билдәле режиссерҙарҙың минең хеҙмәтемде күреп, баһалап, рольдәр биреүен яҙмыш бүләге итеп ҡабул итәм. Айрат Әхтәм улы Әбушахмановҡа, Илдар Иршат улы Вәлиевҡа, Олег Ҡасим улы Сафиуллинға, Байрас Надым улы Ибраһимовҡа, Рөстәм Милләт улы Хәкимовҡа, Азат Нәзир улы Йыһаншинға сикһеҙ рәхмәтлемен. Рида образдары өҫтөндә ентекле эшләй, уйлана, эҙләнә. Тәбиғәт биргән таланттан тыш яуаплылыҡ тойғоһо бала саҡтан ҡанына һеңдерелеп үҫкән артисткаға тормош мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, рольгә кереп китеү әллә ни ауыр түгел. Уның эшенә ҡарата етдилеген, партнерҙарын бер ҡараштан аңлай белеүен, тырышлығын театр етәкселәре лә күрә, хуплай. Актрисаның хеҙмәтен баһалап бирелгән күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары шул хаҡта һөйләй. – Эшендә танылыу, тамашасының һөйөүен яулаған талантлы артистканың шәхси тормошо нисегерәк икән, тип ҡыҙыҡһыныр журнал уҡыусыбыҙ? – Ғаиләлә биш бала үҫтек. Радик, Филүс ағайҙарым, ҡустым – Ринат, Ләйсән исемле һеңлем бар. Барыһы ла белем алып, ғаилә ҡороп, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Атайым менән әсәйем шундай тәрбиә биргәндәр – туған йәнле булып үҫтек. Ҡайғы-шатлыҡтарыбыҙ уртаҡ, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Атайым 24 йыл элек вафат булғас, тормош ауырлыҡтары әсәйемдең елкәһенә төштө. Беҙгә матур тәрбиә биргәне, хеҙмәткә өйрәтеүе, балаларым, тип йән атҡаны өсөн әсәйебеҙгә рәхмәтебеҙ ҙур. Оҙон-оҙаҡ йылдар буйы әсәйебеҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәтәһе килә. Һаулығын, ғүмерен генә бир инде, тип теләйем көн дә. Аллаға шөкөр, ҡатын, әсә булараҡ та үҙемде бәхетле итеп тоям. Тормош иптәшем Рушандың сәнғәт өлкәһенә ҡағылышы булмаһа ла, ул мине бар яҡтан аңлап, ярҙам итеп тора. Гастрольдәрҙә саҡта күңелем тыныс, сөнки беләм – ҡыҙыбыҙ Камилә ҡараулы, өйҙә тәртип, ашарға әҙерләнгән. Ирем – еңел булмаған эшемде еңеләйтеүсе, тормоштағы ҙур таянысым. Үҫмер ҡыҙыбыҙ беҙҙе шатландырып мәктәптә уҡып йөрөй, музыка мәктәбенә йөрөргә лә ваҡыт таба. Ләкин мин уны сәнғәт юлынан китер, тип уйламайым. Әле үк ҡыҙыбыҙ медицина менән ҡыҙыҡһына. – Һеҙгә генә хас берәй сифатығыҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине. – Фатирҙа тәртип, бөхтәлек яратыуымдыр, бәлки. Нисек кенә арыһам да, өй эштәрен аҙаҡҡа ҡалдырмайым. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, тәртип булғанда ғына ял итә алам. Өй бит ул – күңел тыныслығы табыу, ял итеү урыны. Өйҙәге мөхит кәйефте күтәрә, эшемдә көс бирә. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: республикабыҙҙа театрҙар гөрләп эшләп торһон. Беҙгә театр һөйөүселәрҙе яңынан-яңы рольдәр менән ҡыуандырырға насип булһын. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, донъя именлеге теләйем. Рената Хәбирова Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған һәм “Еңеү Салюты” тип исемләнгән велосипедта уҙышыу үткәрелде. Уны ойоштороусылар – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының "Йәш гвардия” бүлексәһе һәм район ветерандар советы – сараның девизын “Беҙ иҫләйбеҙ! Беҙ ғорурланабыҙ!” тип иғлан итте. Районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған һәм “Еңеү Салюты” тип исемләнгән велосипедта уҙышыу үткәрелде. Уны ойоштороусылар – район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының "Йәш гвардия” бүлексәһе һәм район ветерандар советы – сараның девизын “Беҙ иҫләйбеҙ! Беҙ ғорурланабыҙ!” тип иғлан итте. 6 сәғәт эсендә велоуҙышта ҡатнашыусылар Бәрҙәш ауылынан Матрай ауылына тиклем Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына 74 километр юл үттеләр. Маршруттағы һәр ауылда митингылар уҙғарылды, Бөйөк Ватан һуғышында тыуған ере өсөн һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың обелисктарына сәскәләр һалынды. Ә район ветерандар советы рәйесе Н.И. Булавина йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү кәрәклеген билдәләп, Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡ түләп яулап алыныуы тураһында сығыш яһаны. Ф.ӘБДЕЛМӘНОВ. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Рәсәй Президенты бер нисә губернатор менән осрашып, төбәктәрҙәге хәл-торошто "беренсе ауыҙҙан" белеште.#ВладимирПутин Рәсәй Президенты бер нисә губернатор менән осрашып, төбәктәрҙәге хәл-торошто "беренсе ауыҙҙан" белеште. Шуныһын да әйтеп үтәйек: тәүҙә аралашыуҙар күршеләрҙең етәкселәре менән булды. Абхазия башлығы килеп китте, Украинаныҡы менән телефондан һөйләште. Артабан бер-бер артлы үҙебеҙҙекеләрҙе лә ҡабул итте. Президент Ставрополь край губернаторы Владимиров әфәнде менән ял итеү миҙгеле нисек үтеүе тураһында һөйләште. Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочарев белдереүенсә, төбәк илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тьәмин итеү өсөн дүрт миллион тоннанан ашыу иген һалған да инде. Ә Ырымбур өлкәһе башлығы Денис Паслер Президентҡа халыҡ мәшғүллеге, юлдар торошо, мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау тураһында һөйләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Яңы тыуған июнь айында Хоҙай Тәғәлә биргән ҡабатланмаҫ бәхетле мәлдәрҙе тойоп, уны тирә - яҡтағыларға ла өләшеп бирергә ашығайыҡ! ЙәйЕрҙә ысыҡ ялт - йолт килә,Хәс тә көмөш һибелгән.Алмағас алмалар элеп,Башҡайын түбән эйгән.Сәскәләр ысыҡ эсәләр,Хуш еҫтәрен бөркөтөп.Бал ҡорттары һут эсәләр,Осоп килеп бер көтөү.Их, йәйҙең матур саҡтары,Һис уйнап туйып булмай.Ниңә икән ҡыш булмайса,Йәй генә булып тормай.Миңлегөл Хисмәтуллина Һаумы, һаумы, көләс йәй!Һөтай сәскә - күбәләктәр, еләк, бесәнгә әҙерлек айы, көтөүҙәге һыйыр - малдың һөтө артҡан, йәшел үлән күпереп үҫкән, йылы елдәр иҫкән, йылға - күлдәрҙә ҡолас ташлап, һыу ҡойонған осор.Яңы тыуған июнь айында Хоҙай Тәғәлә биргән ҡабатланмаҫ бәхетле мәлдәрҙе тойоп, уны тирә - яҡтағыларға ла өләшеп бирергә ашығайыҡ! Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
5-8 ноябрҙә республикала экологик белем аҙналығы акцияһы үтәсәк. Уны Башҡортостан Экология министрлығы һәм район хакимиәттәре менән берлектә Республика балалар экология-биология үҙәге ойоштора. Акция барышында мәктәптәрҙә экологик дәрестәр үткәреү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу өлкәһендәге реформаның талаптарын аңлатыу ҡарала.Был сара “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш буласаҡ. Ғөмүмән алғанда, экология проблемаларын хәл итеү өсөн 2024 йылға тиклем федераль бюджеттан 45 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ил буйынса барлыҡ рөхсәт ителмәгән полигондар ябылырға һәм заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Республикала 2301 га ерҙә 3 меңгә яҡын рөхсәтһеҙ асылған сүплек бар, уларҙа 29 миллион кубометр самаһы ҡалдыҡтар тупланған. Йыл башынан был күләмдең 11,5 проценты ғына юҡ ителгән. Туғыҙ районда был эштәр, төрлө сәбәптәр арҡаһында, әле булһа башланмаған. #национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөгөн Үзбәкстанда Башҡортостан Республикаһының Халыҡ-ара күп тармаҡлы бизнес-миссияһы эшен башланы. Уны Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамында ойошторҙо. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, Үзбәкстандағы бизнес-миссия эшендә төбәктәге эшлекле даирәләрҙең 94 вәкиле ҡатнаша. Улар – экспорт йүнәлешендәге 70 компания: 14-е – ҙур бизнес, 56-һы – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, 19-ы – импорт предприятиелары вәкилдәре, бишәүһе – бизнес ассоциациялары вәкилдәре һәм эксперттар. Яҡтар Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең төп йүнәлештәре, Үзбәкстан менән сауҙа итеүҙең төп үҙенсәлектәре буйынса фекер алышты. Инвестиция проекттарын төҙөү үҙәге директорының беренсе урынбаҫары Морат Мирзаев Үзбәкстанда тормошҡа ашырылған берлектәге инвестиция проекттарының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Рәсәйҙең Үзбәкстан Республикаһындағы Сауҙа вәкиле урынбаҫары Игорь Камынин Сауҙа вәкиллеге яғынан Рәсәй экспортлаусыларына күрһәтелгән ярҙам хаҡында сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Сауҙа вәкиллеге Рәсәй компаниялары менән уларҙың Үзбәкстандағы потенциаль партнерҙары араһында “коммуникацион һәм мәғлүмәти күпер”ҙе тәшкил итә. Сит ил инвестицияларын йәлеп итеү агентлығы директоры урынбаҫары Ойбәк Элморатов Үзбәкстан Республикаһының инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы. Ул Үзбәкстанда Рәсәй инвестицияһы ҡатнашлығында 2390 предприятие эшләүен, тулыһынса Рәсәй капиталы нигеҙендә 976 предприятие асылыуын телгә алды. 2014 – 2021 йылдарҙа Рәсәй Үзбәкстан иҡтисадына 12 миллиард долларҙан ашыу инвестиция йүнәлткән. Рәсәй экспорт үҙәгенең Үзбәкстандағы вәкиллеге етәксеһе Павел Буханов үҙәк тарафынан экспортлаусыларға күрһәтелгән ярҙам саралары тураһындағы мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Үҙенең сығышында ул бизнесты алып барыу, мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү үҙенсәлектәрен билдәләне. – Үзбәкстанда бизнесты алып барыу өсөн партнерҙарҙың йәнле аралашыуы ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә республиканың баш ҡалаһында үткәрелгән күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә, оффлайн һәм онлайн тәртибендә уҙғарылған бизнес-миссияларҙа әүҙем ҡатнашырға кәңәш итәбеҙ, – тине Павел Буханов. Таможня брокерҙары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Энвера Хәлилова быйыл ғинуар - мартта Үзбәкстандың тышҡы сауҙа әйләнеше структураһы менән таныштырҙы. Ул ошо республика менән иң ҙур сауҙа әйләнешенә эйә булған ун ил исемлеген тәҡдим итте. Рәсәй был исемлектә икенсе урынды биләй. Энвера Хәлилова Үзбәкстанға тауар сығарғанда таможня түләүҙәре һәм ставкалары, тариф өҫтөнлөктәре, тауарҙы сертификатлау тураһындағы мәғлүмәттәргә ентекле туҡталды. Сараның аҙағында “Дипломат” юридик фирмаһы етәкселәре Жахонгира Азимова менән Ким Станислава Үзбәкстанда бизнесты нисек башлау, сауҙа вәкиллектәрен асыу маҡсаты, компанияны теркәү, бының өсөн кәрәкле документтар хаҡында һөйләне. Бизнес-миссияның эше Үзбәкстан контрагенттары менән туранан-тура осрашыуҙар тәртибендә дауам итте. Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press Автор:Лилия Давлетбакова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
- Хәҙер Ҡасҡын мәмерйәһен уҙһаҡ, ауылға етергә лә күп ҡалмай. Юғиһә, һүҙ менән ялҡытып бөттөм, шикелле, - тине миңә боролоп.- Һеҙҙе тыңлап барыу күңелле генә, - тим уға һәм тиҙ генә һорап ҡуям,- Ә ниңә Ҡасҡын мәмерйәһе тип атағандар, батша заманында бе­рәйһе ҡасып ятҡанмы әллә?Мәмерйәнең исемен ишеткәс тә, ҡапыл ғына күҙ алдымдан башҡорт ихтилалсылары, Салауат, Буранбай һындары сағылып үткән ине.- Юҡ, үткән һуғыштан һуң ҡалған исем ул. Элегерәк уны Соҡорташ тип йөрөткәндәр. Хәҙер ҙә, ҡайһы саҡ Ҡасҡын, ҡайһы саҡ Соҡорташ, тип әйтәләр... Беленер-беленмәҫ кенә урман юлынан йомшаҡ бесән түшәлгән ар­бала киләбеҙ. Юлдашым, ат хужаһы Әлим ағай, һүҙгә әүәҫ кенә ке­ше булып сыҡты. Һалмаҡ ҡына юртҡан ат ыңғайына тормошҡа булған үҙ ҡарашын яйлап теҙә лә теҙә. Хәҙерге буталсыҡ заман ауыл ағайҙарын да философҡа әйләндерҙе, тип уйлап ҡуям. Тирә-яҡтағы һоҡландырғыс тәбиғәтте күҙәтә-күҙәтә ағайҙың һөйләгәндәрен тыңлап барыу миңә рәхәтлек бирә. Сираттағы үрҙе артылғас Әлим ағай: - Хәҙер Ҡасҡын мәмерйәһен уҙһаҡ, ауылға етергә лә күп ҡалмай. Юғиһә, һүҙ менән ялҡытып бөттөм, шикелле, - тине миңә боролоп. - Һеҙҙе тыңлап барыу күңелле генә, - тим уға һәм тиҙ генә һорап ҡуям,- Ә ниңә Ҡасҡын мәмерйәһе тип атағандар, батша заманында бе­рәйһе ҡасып ятҡанмы әллә? Мәмерйәнең исемен ишеткәс тә, ҡапыл ғына күҙ алдымдан башҡорт ихтилалсылары, Салауат, Буранбай һындары сағылып үткән ине. - Юҡ, үткән һуғыштан һуң ҡалған исем ул. Элегерәк уны Соҡорташ тип йөрөткәндәр. Хәҙер ҙә, ҡайһы саҡ Ҡасҡын, ҡайһы саҡ Соҡорташ, тип әйтәләр. Әлим ағай кеҫәһенән тәмәкеһен сығарып ҡабыҙҙы ла, һүҙен дауам итте. - Һуғыш ваҡытында өс дезертир ҡасып йәшәгән унда. Әҙелгәрәй исемлеһе ана шул беҙ бара торған ауылдыҡы бул­ған. Үҙе бик әшәке, уҫал кеше ине, тиҙәр. Был яҡтарҙы яҡшы бел­гәс, Алексей исемле бер урыҫ менән Вафа тигән татар егетен ошонда алып килгән. Урыҫы ҡайһы яҡ кешеһелер, ә бына Вафаһы Өфө аръяғыныҡы булған. Шул мәмерйәне ҡулдарынан килгәнсе йәшәрлек итеп әтмәлләгәндәр. Был тирә аулаҡ, кеше йөрөмәй. Уларҙың бында ҡасып ятҡанын аҙаҡ ҡына белделәр. Мылтыҡтары булғас ашарҙарына ҡоралай, мы­шы атып алғандар. Тирә-яҡ ауылдарҙың кәзә-һарыҡтары ла юғалғылаған. Ул заманда бүре күп булғас ни, шуларға япһарғандар ҙа ҡуйғандар. Мужыт шулай ҙа булғандыр. Һөйләүҙәренсә, улар Мәләүездәге ма-газин-складтарҙы талағандар. Уныһы бынан алыҫ түгел - урман аша тураға егерме биш саҡрымдай ғына. Төндә барып, таң атыуға ҡайтып етеп була. Шулай байтаҡ ҡына йәшәгәндәр. Торор­ға урын, ашарға аҙыҡтары булһа ла, әзмәүерҙәй ир-атҡа ҡатын-ҡыҙ ҙа кәрәк бит инде. Йәйге бер көндө беҙҙең ауылдан Ғәлимә исемле ҡатын, ике бисәгә эйәреп, еләккә барған. Уға ул ваҡытта саҡ ун һигеҙ тулғандыр әле. Ғәлимә етем ҡыҙ булған. Апаһы үл­гәс, үҙен аҫыраған инәй тейешле кешеһе еҙнәһенә кейәүгә биргән. Уның менән бер аҙналай ғына йәшәп өлгөргәндәр - һуғыш сығып, ирен шунда алып китәләр, хатта балаға ла уҙа алмай ҡала ул. Ҡәйнәһе һәм ике йәшлек үгәй малайы - апаһының балаһы менән тиһәк тә була, өсәүләшеп йәшәгәндәр. Китеп ярты йыл уҙғас та ире­нән похоронка килгән. Ҡатындар бына беҙ яңыраҡ уҙған һыртта еләк йыйып йөрөгәндәр. Ғәлимәнең яңғыҙы ситкәрәк киткәнен аңдып тороп микән, ҡасҡын­дар эләктергәндәр быны. Бисәләр еләккә алданып, һиҙмәй ҙә ҡал­ғандар. Аҙағырак, иҫләп ҡалып, ҡысҡыра-ҡыскыра эҙләгәндәр, лә­кин Ғәлимәнең тауыш-тыны ла сыҡмаған. Бисәләр, айыу тырнағына эләккәндер, тип, үҙҙәре лә ҡурҡышып, ауылға һыпыртҡандар. Ул саҡта ир-ат бик булмағас ни, ҡабат килеп, эҙләп тә йөрөмәгән­дәр. Айыу-бүрегә япһарғандар ҙа ҡуйғандар. Ҡасҡындар Ғәлимәне мәмерйәгә алып килгәндәр. Өсәүләшеп фай­ҙаланғандар уны. Ашарҙарына бар, йәшәгән ерҙәре аулаҡ, хәжәт­кә йәш, һылыу ҡатын бар - башҡа ир-ат һуғышта яфа сигеп, бында­ғы халыҡ аслы-туҡлы нужа күргәндә бүреләре ҡоторған быларҙың. Хәҙер инде аҙык табырға, урлашырға өсәүләшеп йөрөмәгәндәр. Икәүһе китеп, берәүһе Ғәлимәне һаҡлап ҡала икән. Ә бик тә кү­мәкләшеп барырға кәрәк саҡта сынйыр менән бығаулап китер булғандар. Шулай йәй буйы тотҡандар уны. Ләкин донья ҡыҙыҡ бит ул. Аҡрынлап Ғәлимә менән Вафа араһында мөхәббәт уты ҡабына. Үҙен яфалап тотҡан кешегә ҡарата нәфрәт кенә тыуырға тейеш тә бит. Башта, бәлки, шулай ҙа булғандыр. Әммә йөрәккә приказ би­реп булмай шул. Был икәү, яйлап бер-береһен яратҡандарын аңлайҙар. Тәүҙә, Ғәлимә бынан ысҡыныр өсөн хәйлә ҡороп, яратҡан бу­лып ҡыланғандыр, тип тә уйлап ҡуяһың. Ләкин аҙаҡҡы ваҡиғалар улар араһында ысын һөйөү булғанын һөйләй. Уйлап ҡараһаң, улар­ҙың мөхәббәте бигерәк аяныслы булған инде. Вафа үҙенең һөйгәнен Әҙелгәрәй, йә теге урыҫ ҡосағында күреп, ниндәй ғазап ки­сергәндер ҙә, үҙен тегеләр яфалағанда яратҡан кешеһенең йәнәшәлә генә ут эсендә ятыуын тойоу күпме Ғәлимәнең йөрәген һыҙлат­ҡандыр. Әлбиттә, башҡасараҡ булһа, икәүләшөп ҡасып та китерҙәр ине. Ләкин әлегә мәлдә ҡайҙа барһындар инде. Вафа - дезертир. Бы­нан китеү менән тотоп аласаҡтар. Тәүҙә Вафа Әҙелгәрәй менән Алексейҙы үлтереп, ошонда Ғәлимә менән икәүҙән-икәү генә ҡалыр­ға ла уйлаған да, нисектер иптәштәренең башына етергә ҡулы бармаған. Унан килеп, Ғәлимә лә ҡан ҡойҙорторға риза булмаған, ти­ҙәр. Уйһыулыҡҡа төшөп етәрәк Әлим ағай һүҙен бүлеп, ҡапыл атын туҡтатты. - Ул мәмерйә эргәлә, ҡул һуҙымы ерҙә генә. Ҡабаланмаһаң, ҡарап сығайыҡ. Мин дә күптәндән унда булғаным юҡ,- тип, яуабымды ла көтөп тормай, атын һул яҡтағы текә тауға ҡарай борҙо. Мин, әл­биттә, әле ишеткәндәрҙән һуң ҡуш ҡуллап риза инем. Беҙ тәрән генә соҡорға етеп үк туҡтаныҡ. Әлим ағай арбанан төшөп, шунда үҫкән бер имәнгә атты теҙгененән эләктерҙе лә, ми­ңә ымлап, соҡорға төшә башланы. Мин уға эйәрҙем. Төбөнән сыл­тырап шишмә ағып ятҡан йырғанаҡтың икенсе битләүенә күтәрелеп, ҡаяташлы тауға килеп терәлдек. Әлим ағай бер аҙ уңғараҡ атланы һәм миңә ҡыуаҡтар артындағы кеше һыйырлыҡ ҡына тишекте күрһәтте. Ауыҙындағы үрмәксе ауҙарын һыпырып, эйелеп кенә эскә үтәбеҙ. Әле генә ишеткәндәрҙән һуң йөрәкте аҙыраҡ шом ала. Әйтерһең дә, мәмерйә эсендә мылтыҡ тотоп теге ҡасҡындар һине һағалап тора. Ауыҙы тар булһа ла, төптәрәк ярайһы уҡ иркен, юғарылағы баш һы­йырлыҡ тишектән аҙ-маҙ яҡты ла төшә. Стеналары ҡором ултырып, ҡарайып бөткән. Иҙәндә көл, сереп бөткән ағас киҫәктәре туҙышып ята. Бер яҡ ситтәрәк күренгән ярыҡ ҡаҙанды иҫәпләмәһәң, башҡа күҙгә эленерҙәй нәмә юҡ бында. - Мин һуғыштан һуң булғайным бында. Стена тирәләй ҡарағай бо­таҡтары түшәлгәйне. Иҫке-моҫҡо кейем-һалым, әҙерәк һауыт-һаба ла бар ине. Сразы килгән кешеләр ҡапсыклап ярма-он, тоҙ, башҡа кәрәк-яраҡтың да булыуын һөйләгәйнеләр. Мәләүездәге магазиндарҙы талап ташыған­дарҙыр инде... Әҙелгәрәй белгән ҡайҙа йәшеренеп ятырға, ауыҙын томалап, усаҡ яғып ебәрһәң, ҡышын да йып-йылы инде бында, - Әлим ағай шулай һөйләнә-һөйләнә сығырға йүнәлде. Арбаға ултырып, ары йүнәлгәндә, мин артыма боролоп-боролоп ҡараным. Бында булып үткән ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиттарын күреү ағайҙың һөйләгәндәрен йәнләндереп, ҡыҙыҡһыныуымды тағы ла арттырҙы. - Йә, артабан ни булды? - тим Әлим ағайға, сабырһыҙланып. Ул минең түҙемлегемде һынарға теләгәндәй ашыҡмай ғына тәмә­ке ҡабыҙҙы һәм уныһын тәмләп һура-һура, бер аҙ һүҙһеҙ барҙы. Аҙаҡ ниңәлер миңә боролоп ҡараны ла: ”Дә-ә’’, - тип ҡуйҙы һәм һүҙен дауам итте: - Ғәлимә лә тегеләрҙе үлтертергә риза булмаған тинемме әле? Шулай, дезертир кешегә тик ике юл бар - или килеп ҡаптырғансы боҫоп ятырға, или барып баш һалырға. Аҙағы барыбер бер - йә төрмә, йә расстрел. Эйелгән башты ҡылыс киҫмәҫ, типтер инде, шу­лай уҡ, нисек кенә булмаһын уны көтөргә вәғәҙәләр биреп, Ғә­лимә Вафаны милицияға барырға күндерергә тотона. Үҙенең ауыр­ға ҡалғанын да әйтә. Шулай көҙ ҙә етә. Ғәлимәнең тотҡонда ятыуына өс ай ҙа тулып китә. Ҡасҡындар ҡышҡылыҡҡа ныҡлап әҙерләнә башлай. Көн дә һунарға, урлашырға йөрөйҙәр. Ит тоҙлайҙар, башҡа кәрәк-ярағын рәтләйҙәр. Вафаның Ғәлимәне һаҡларға сираты булған бер кисте, тегеләр ҡайҙалыр китеү менән, был икәү сығып тая, Әҙелгәрәйҙәргә яңғылыш тап булмаҫ өсөн урап-урап баралар Мәләүезгә. Унда етеү менән тура милицияға киләләр. Ә Әҙелгәрәйҙәр мәмерйәгә ҡайтып, быларҙың юҡлығын күргәс тә аңлап алып, ҡыуа сығалар. Тик Ғә­лимәләрҙең ауылына ҡасҡандарҙыр тип, шунда йүнәләләр. Нисектер инде, берәйһенән һорашып микән, өйҙәрен эҙләп табалар һәм ишек­тәрен тыштан бикләп, уға ут төртәләр. Әйтеп, үҙҙәрен тотторор­ҙар тип ҡурҡып, уларҙы шулай юҡ итергә булғандарҙыр инде. Ҡәйнәһе менән бала, сыға алмай, янып үлделәр шунда. Таң алдынан булғас ни, берәү ҙә күрмәй, шәйләмәй ҙә ҡалды. Өйҙәре нигеҙе­нә тиклем янып бөттө. Мин, ул саҡ бәләкәй булһам да, хәтерлә­йем әле. Әлим ағай тау түбәненә төшкәндә атын "тпру"лап яйлатып, һүҙен бүлде һәм тигеҙ ергә сыҡҡас тағы дауам итте: - Ғәлимәләр барып әйткәс, эт менән һалдаттар ебәреп, уратып алалар мәмерйәне. Ләкин Әҙелгәрәй ҙә ҡарт төлкө була. Шикләнеп, юлға кәрәк-яраҡтарҙы ғына алалар ҙа, Нөгөш үренә табан һыпыр­талар. Эт менән эҙҙәренә төшөп, ҡыуып етәләр быларҙы. Тегеләр бирелергә теләмәй һалдаттарға ата башлайҙар. Былары ла яуап уты аса. Шунда урыҫы үлә, ә аяғы яраланған Әҙелгәрәйҙе эләктерәләр. Тәүҙә уны Мәләүезгә алып киләләр, аҙаҡ ҡайҙалыр оҙа­талар. Шул китеүенән ҡайтманы тиҙәр уны. Бәлки атҡандарҙыр ҙа йәки Себерҙә дөмөккәндер… Әлим ағай ниҙәр уйлап, туҡтап ҡала. - Ә тегеләр? - тип, мин уны ҡабаландырам. - Тегеләрме?.. Тегеләрҙең икәүһен дә ябып ҡуялар. Ғәлимәне, Вафаның әйтеүенә ле ҡарамай, үҙ теләгең менән унда булғанһың, тип, һорау ала-ала, оҙаҡ ҡына яфалайҙар. Нисек инде, яныңда ике ҡатын була тороп, уларға һиҙҙермәй генә көслөк менән алып китеп була тип, уға ышанмай, айҙан артыҡ тоталар уны. Бәлки төрмәгә лә ултыртып ҡуйырҙар ине - ауырлы икәнен белепме, йәки берәй мәрхәмәтлерәк тикшереүсе эләгепме, сығаралар. Ҡайтыуына өй ҙә, әйбер-ҡара ла юҡ бит инде. Теге инәй тейешле кешеһенә кире ҡайтып, бик нужа күреп йәшәне ул. Етмәһә, уҫал теллеләр ‘’дезертир ҡалдығы” тип тә көлдөләр бит инде. Аслыҡ ва­ҡытта артыҡ тамаҡ булып, малайы ла тыуҙы. Тәүҙә имеп үҫһә лә, аҙаҡ барыбер ашарға кәрәк. Шулай ҙа был бала бәлә булмай, әсә­һенә иптәш булып, ҡыуаныс ҡына килтергәндер, тип уйлайым. Мин Ғәлимә апайҙың һәр саҡ асыҡ, бер аҙ һағыш ҡатыш йылмайған йөҙөн яҡшы хәтерләйем. Бәлки, Вафаһы менән ҡабат ҡауышырға өмөтләнеп, шул өмөт ҡанатландырып, һәр ваҡыт йылмайтып йәшәткәндер уны. Себергә киткәндә үҙем ат менән Мәләүезгә алып барып ҡуй­ҙым уларҙы, - тине Әлим ағай миңә боролоп. - Себергә киткәндә? - мин аптырап уға ҡарайым. - Эйе. Вафаны бит штрафник итеп фронтҡа ебәрәләр. Шунан, ауыр яраланып госпиталдә ятып сыҡҡас, язаһынан ҡотолоп инде настоящий һалдат булып һуғыша. Хатта орден менән наградлана. Ләкин аҙаҡ, һуғыш бөткәс, уны барыбер Себергә оҙаталар. Хаты Ғәлимә апай­ға йыш килеп торҙо. Шул, Сталин үлеп, әҙерәк волегә сыҡҡас яны­на саҡыртып алдымы икән, әллә Ғәлимә апай үҙе теләп киттемелер инде. Ауылда яҡын туғандары булмағас башҡа хәбәр-хәтере булманы уның, - тип Әлим ағай һүҙен бөтөрҙө лә, алда күренгән ауылға еткәнсе шым ғына барҙы. Уны ла, минең һымаҡ, ябай ғына ҡатындың ҡатмарлы яҙмышы, мә­мерйәлә, әсир ҡатын менән уны яфалап тотоусыһы араһында ҡабын­ған сәйер мөхәббәт тураһындағы уйҙар биләп алғандыр, тим. Сығанаҡ: https://gazeta-toratay.rbsmi.ru/articles/rubrika-7/M-mery-l--tiu-an-m-h-bb-t-bul-an-h-l-396595/ Фото: https://pixabay.com/ Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ауыл хужалығы тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн һәм Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр: Марсель Әхмәт улы РӘХМӘТУЛЛИН – "Восход-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аграр предприятиеһы механизаторы; Рәйфә Фаат ҡыҙы ХАРИСОВА – "Агрохим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аграр предприятиеһы бухгалтеры; Фәнил Харрас улы ЙОМАҒОЛОВ – "Урожай” ЯСЙ-е КХ-һының Березовка һөтсөлөк фермаһы мөдире; Азамат Әхтәм улы ЯҠУШЕВ – "Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы. Шәхси эшҡыуар – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Марат Фәрит улы ЛАТИПОВ Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев: - Йәш саҡтарҙа концерт менән гастролдәрҙә йөрөгән саҡтарҙы һағынам. Йәшлек дәрте, алабарманлыҡ, йыр-моңға һыуһаған ауыл халҡына хеҙмәт итергә ташып торған теләк - һәм беҙ, сәнғәт институты студенттары райондар буйлап гастролгә сығып та китәбеҙ. Дауамы - сайтта - Йәш саҡтарҙа концерт менән гастролдәрҙә йөрөгән саҡтарҙы һағынам. Йәшлек дәрте, алабарманлыҡ, йыр-моңға һыуһаған ауыл халҡына хеҙмәт итергә ташып торған теләк - һәм беҙ, сәнғәт институты студенттары, райондар буйлап гастролгә сығып та китәбеҙ. Ҡыш ат санаһы, йәй шунда берәй "Запорожец" табыла ине беҙҙе йөрөтөргә. Афиша яҙып өлгөрмәгөн саҡтарҙа машинаның башына "Гармония" колонкаһын һалып алабыҙ, динамик ҡуйып, ауылга ингәс ҡысҡыртып халыкты йыя инек. Йыр-моңға һыуһаған халыҡ "һә" тигәнсә йыйылыр ине. Күп ваҡыт бергә уҡыған талантлы йәш дуҫтар - Харис Шәрипов, Венер Камалов, Йәмил Әбделмәнов, Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева бергәләп концерт ойоштора инек. Улар йырлай, бейей, мин баянда, ҡурайҙа уйнайым. Харис оҫта итеп концертты алып бара, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп халыҡты көлдөрә. Рәсул Ҡарабулатов та беҙҙең менән сығыр ине, ҡурайҙа уйнаны. Хима матур йырлауҙан тыш, оҫта бейей торғайны. Резеда оҫта итеп тегә белә ине, арзан ғына материал алып, беҙгә сәхнә кейеме тегеп бирә торғайны. Фонограмма тигән нәмәне бөтөнләй белмәйбеҙ. Ихлас концертты халыҡ та алҡышлап, рәхәтләнеп ҡарай ине. Шул эшләгән аҡсаға кейенә торғайныҡ - Мәскәүҙән барып джинс салбар, костюмдар алып ҡайта инек. Был дәртле, талантлы романтиктар хәҙер барыһы ла атҡаҙанған артистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре булып киттеләр. Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тиеп, ат санаһына тейәлеп, гармун тартып, ҡурай уйнап, ябай ауыл халҡын хайран итеп, йөрөп ҡайтҡы килә. Тиле йәшлеккә сәйәхәт яһап... Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әңгәмәләште. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Ошо һүҙҙәр менән башланып китте ҡаланың М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбендә 1 А класы уҡыусыларының Әсә көнө уңайынан үҙҙәренең иң ҡәҙерле кешеләренә әҙерләгән «Әсәкәйем — күҙ нурым» тип аталған йәмле байрам программаһы. Класс етәксеһе Лилиә Мөхәрәм ҡыҙы Әлибаева байрам тарихы менән таныштырып үткәс, балалар күмәкләшеп, әсәләрен тәбрикләп, дәртле бейеүгә төшөп китте. Уҡыусылар ҡурсаҡтар менән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Минең әсәйем кем?» хикәйәһен сәхнәләштерҙе, һөйөклө кешеләренә төрлө йырҙар бағышланы. Әсәйҙәр ҙә конкурста ихлас ҡатнашып, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Матур байрам балалар менән әсәйҙәрҙең күмәк бейеүе менән тамамланды. Был сара уҡыусыларҙа әсәйҙәргә һөйөү, ихтирам тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе. Автор фотоһы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Халыҡ-ара ”Сиктәрһеҙ врачтар” гуманитар ойошмаһы вәкилдәре Мали ҡасаҡтарына кисектергеһеҙ рәүештә ярҙам кәрәклеге тураһында белдерҙе. Мавритания территорияһындағы Мбера ҡасаҡтар лагерында урынлаштырылған меңәрләгән Мали гражданы ҡот осҡос шарттарҙа йәшәй. Өс мең кешегә бер бәҙрәф. Һыу етмәй. Яңы килеүселәр торлаҡты үҙҙәре әтмәләп алырға мәжбүр. БМО мәғлүмәттәре буйынса, Мали конфликты арҡаһында 170 мең кеше ҡасаҡҡа әйләнгән, 270-е ил эсендәге ирекһеҙҙән күскенсе статусын алған. ”Сиктәрһеҙ врачтар” ойошмаһы координаторы: “Килгән бөтә ҡасаҡтар ҙа ярҙамға мохтаж. Уларҙы яҡларға кәрәк. Ярҙамдың критерийҙарын билдәләү мөһим- барыһы ла тиҙ арала даими башҡарылырға тейеш.” Мали халҡы, күбеһенсә туарегтар һәм ғәрәптәр, хөкүмәттеке булмаған гуманитар ойошмаларҙан ғына ярҙам ала. Сүллектәге был райондағы темепратура Цельсий буйынса 50-гә ҡәҙәр барып етә. Ҡасаҡтар 11 литр һыу ала, ә уларға 20 литр кәрәк. Врачтар аслыҡтан хәлһеҙләнгән балаларҙың үлә башлауы мөмкин, тип хәүефләнә. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө байрам көндәре булып тора. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө байрам көндәре булып тора. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ялдар йәкшәмбе, 7 ғинуарҙан — шаршамбы, 2 майға, шәмбе, 28 апрелдән — дүшәмбе, 30 апрелгә күсерелгән. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 29, 30 апрель һәм 1, 2, 9 май байрам көндәре булып тора. Шәмбе, 28 апрелдә һәм шишәмбе, 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 һәм 9 майҙағы ял көндәре йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск иҫәбенә индерелмәй, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Конкурстың маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә контентты арттырыу, башҡорт теленә, тарихына һәм шәжәрәгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Ҡатнашыусылар 7 декабргә тиклем “Башҡорт телендә иң яҡшы асыҡ хат” һәм “Башҡорт телендә иң яҡшы вайн” тигән ике номинация буйынса Бәйләнештә һәм Instagram селтәрҙәренә үҙҙәренең ижади эштәрен һалырға тейеш. Конкурстың @bashkort_postcards и @bashkort_vine рәсми аккаунттарында баҫылған бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Популяр башҡорт блогерҙары һәм вайнерҙарынан торған жюри баһалары буйынса номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнәсәк һәм 3000-дән 50 000 һумға тиклем аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк. Проекттың координаторҙары – Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге фекеренсә, хәҙерге заманда яңылыҡтар һәм трендтар шул тиклем тиҙ алышына, шуға күрә күләмле фильмдарға алмашҡа тормошсан хәлдәргә арналған ҡыҫҡа метражлы роликтар модаға инә. Идеялар, тәҫьораттар һәм хәрәкәттәр туплап еңел формала эшләнгән асыҡ хаттар (мемдар) уларҙа булған актуаль мәғлүмәтте киң таратыу өсөн шәп алым һынала. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Етмешенсе, һикһәненсе йылдар… Башҡорт мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең сәскә атҡан осоро. Айырыуса музыка сәнғәте ҙур күтәрелеш кисерә. Филармония шау-гөр килеп йәшәй. Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Гайсин, Рамазан Йәнбәков кеүек бөйөк артистар сәхнәләрҙе дер һелкетеп сығыш яһаған ваҡыт була. Филармонияла режиссер Иршат Сиражетдинов тарафынан ҡуйылған тамашаларға, ижад кисәләренә, яҙыусылар, шағирҙарҙың юбилейҙарына халыҡ дәррәү йөрөй. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Иршат Фәрит улы, ысынлап та, Башҡортостандағы һәр төр профессиональ һәм халыҡ музыкаһын үҙ эсенә алған берҙән-бер мәҙәни усаҡҡа – филармонияға, яңынан тын өрөп ебәреүсе, сағыу, бай йөкмәткеле тамашалары менән һоҡландырыусы һәләтле режиссер, художество етәксеһе була. Ул гүзәл тәбиғәтле, талантлы кешеләргә бай Учалы районы Туңғатар ауылында 1954 йылдың 19 июнендә донъяға килә. Ауылдаштары араһында Сиражетдиновтар ғаиләһе йыр-моңға ғашиҡ, өлгөлө ғаиләләр иҫәбендә була. Өҫтәүенә Иршаттың атаһы Фәрит ағай тирә-яҡта дан алған оҫта скрипкасы ла. Буласаҡ режиссер мәктәптә уҡығанда үҙешмәкәр театр түңәрәгендә яратып шөғөлләнә, буш ваҡыттарында күп әҙәби әҫәрҙәр уҡый. Шулай бер ваҡыт һәүетемсә генә йәшәп ятҡан төбәккә баш ҡаланан ҡунаҡтар килеп төшә. Улар сәнғәт училищеһына ҡурсаҡ театры өсөн махсус курс йыйыу маҡсаты менән килеүҙәрен әйтә, актерҙар бүлегенә уҡырға ебәрерлек йәштәр менән ҡыҙыҡһына. Бына нисек иҫкә ала был ваҡиғаны ҡунаҡтарҙың береһе булған Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхина: ”Ғөмүмән әйткәндә, Сиражетдинов Иршат Фәрит улының ижад юлы, киләсәге минең ҡатнашлығымдан башланды тип әйтергә мөмкин. Мин ҡурсаҡ театрында эшләй инем ул ваҡытта. Ҡурсаҡ театры өсөн сәнғәт училищеһына студенттар йыйыу маҡсаты менән мине райондар буйлап командировкаға ебәрҙеләр. Беренселәрҙән булып Учалы районына юл тоттом. Унда “Комсомол” совхозында туҡталып, етәкселәр менән һөйләшкәндән һуң, былар өс егет алып килделәр. Шуларҙың береһе һигеҙенсе класс уҡыусыһы Иршат ине. Ул бик матур итеп шиғыр уҡыны. Ҡыйыу егет шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. “Апай, мине алмаҫтар ул актерҙар бүлегенә. Унда бит тик сибәрҙәрҙе генә алалар” тигәне иҫтә ҡалған. Һине алырҙар ул, һис шикһеҙ алырҙар. Һиндә өмөт бар” тип яуап бирҙем мин уға. Шулай итеп, өс Учалы егете лә сәнғәт училищеһына уҡырға инеү бәхетенә ирештеләр. Улар араһында Иршат та бар ине.” Сәнғәт училищеһында уҡыған осорҙа Иршат Сиражетдинов үҙен тырыш, һәләтле студент итеп күрһәтә. Белемгә, камиллыҡҡа ынтылышы уҡытыусыларҙа ла, бергә уҡыған һабаҡташтарында ла һоҡланыу уята. Вәли Ғәлимов, Рафаэль Аюпов, Кәшфи Ғәҙелшин кеүек үҙ эштәренә мөкиббән, изге күңелле кешеләрҙә уҡый ул. Училищены тамамлағас, йәш егет совет армияһы сафында Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәй. Унан ҡайтҡас, тыуған районының Комсомол ҡасабаһындағы мәҙәниәт йортонда директор булып эшләй башлай. Унда йәштәр менән бик күп мәҙәни саралар үткәрә, режиссер булараҡ үҙен һынап ҡарай. Тик күңеле ауыл мәҙәниәт йортондағы ҡаҙаныштар менән генә ҡәнәғәт булмай, яңы үрҙәргә ашҡына. Өфөлә сәнғәт институты асылыуын ишетеүе була, Иршат Сиражетдинов күп уйлап тормай, режиссерҙар бүлегенә документтарын тапшыра. Ҙур конкурста еңеп, 1977-1982 йылдарҙа институтта уҡый. Юғары белемле, тәжрибәле режиссер интститутты тамамлағас, бер йыл Өфө ҡалаһының Химиктар мәҙәниәт һарайында башҡорт театры коллективының етәксеһе булып эшләй. 1983-1985 йылдарҙа Республиканың халыҡ ижады ғилми –методик үҙәгендә методист булараҡ, райондарҙағы мәҙәниәт усаҡтарына ҙур ярҙам күрһәтә. Әммә сәнғәткә булған һөйөү, ижадҡа ынтылыш үҙенекен итә. Иршат Фәрит улы А.В.Луначарский исемендәге Театр институтының юғары театр курстарында эстрада режиссеры һөнәрен үҙләштерә һәм 1986 йылдан алып 2005 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада режиссеры вазифаһын башҡара. Был ваҡытта филармонияла билдәле сәнғәт эшмәкәре Фәтих Ихсанов художество етәксеһе була. Улар бергәләп тамашасы зауығына яуап бирерлек бихисап күркәм тамашалар, концерттар ҡуя. Республикала беренселәрҙән булып фольклорға ҡоролған “Бөгөн байрам, бөгөн туй” исемле программа әҙерләйҙәр. Ошонан һуң танылған “Йәдкәр” төркөмө төҙөлә. Ул замандарҙа филармонияла концерт бригадалары күп була. Иршат Фәрит улы ете эстрада бригадаһының һәр береһенә үҙенсәлекле йөкмәткеле программа әҙерләй. Булдыҡлы режиссер ай һайын йондоҙнамәгә ҡоролған күркәм концерттар менән тамашасыларҙы һөйөндөрә. Бындай концерттарҙа бер йондоҙлоҡ аҫтында тыуған шәхестәр: йырсыһы ла, бейеүсеһе лә, шағирҙар һәм композитор ҙа бер сәхнәлә сығыш яһай. “Иршат Сиражетдинов ғәжәп ҡыҙыҡһыныусан, эҙләнеүсән кеше ине. Яҙыусыларҙың, бығаса эшләгән артистарҙың тормош юлын, ижадын яҡшы белде. Шуға күрә ул ҡуйған ижад, хәтер кисәләре үҙенсәлекле һәм ифрат бай эстәлеклеле булыуы менән айырылып торҙо”, – тип иҫкә ала Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Азат Айытҡолов. Иршат Сиражетдинов ижад иткән тамаша-концерттар драматургия ҡанундарын боҙмауы менән башҡаларҙан айырылып тора. Әҙерләгән программаларында төрлө жанрҙарҙы оҫта файҙалана. Уның концерттарында айырым номерҙар үҙенең бәләкәй генә эстәлеге менән бай йөкмәткеле һәм конфликтҡа ҡоролған, бер епкә теҙелгән ваҡиғаларҙы тыуҙыра. Шул бәләкәй ваҡиғаларҙы логик яҡтан оҫта бәйләүгә ирешә режиссер. “Хәтер”, “Тере һыу” исемле программалар быға дәлил булып тора. Шулай уҡ Иршат Фәрит улы һүҙ жанрына ла ҙур иғтибар бүлә. “Иршат режиссер эшенә бик яуаплы ҡараны, ҡуйған программаларында үҙенең эске донъяһын да асып һала, жанрҙар төрлөлөгөндә образдар тыуҙыра, яҙмыштар тураһында һөйләй алды”, – тип иҫләй Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Салауат Итбаев. Иршат Фәрит улы ҡуйған программалар менән филармония артистары Мәскәү, Санкт-Петербург, Рига, Таллин һәм Урта Азия ҡалаларында ла була. Һәр төбәккә ярашлы өҫтәлмәләр индереү өсөн, яуаплы гастролдәргә үҙе йөрөргә ярата атаҡлы режиссер. Иршат Сиражетдинов Башҡортостан композиторҙар союзы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ул шағирҙар һәм композиторҙарҙы бер сәхнәлә йыйып үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы музыкаль-шиғриәт кисәләре әҙерләп күрһәтә. Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Илшат Хәлилов кеүек йәш композиторҙарҙы билдәле музыка әһелдәре Роберт Ғәзизов, Рим Хәсәновтар, шағирҙар Рауил Бикбаев, Тимер Йосоповтар менән бергә бер концертта туплай. Бындай сығыштар йәш композиторҙар өсөн дә, шағирҙар өсөн дә бик мөһим була, сөнки халыҡ уларҙы белә, таный башлай. Иршат Сиражетдинов йырсыларға, композиторҙарға бер ваҡытта ла йылы һүҙен, аҡыллы кәңәшен йәлләмәй. Артистарға хас ихласлыҡ, бер ҡатлылыҡ сифаттары хас була уға. Һәр кемдең күңеленә асҡыс таба, сәхнәлә лә, тормошта ла һәр ваҡытта бер төрлө булып ҡала белә. Һөнәрен мөкиббән китеп яратҡан режиссер үҙенең ҡабатланмаҫ сағыу, үҙенсәлекле тамашалары менән халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр. Наҙлыгөл Аҙнабаева, Башҡорт дәүләт филармонияһының әҙәби бүлеге мөдире (Архивтан). Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Балаларҙың хәүефһеҙлеге мәнфәғәтендә фәнни олимпиадалар уҙғарыу билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде, тип хәбәр итәләр РФ Мәғариф министрлығында. «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ойошторолоп килгән «Ломоносов», «Покори Воробьевы горы» кеүек олимпиадаларҙың һуңғы этаптары билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә. Башҡа фәнни олимпиадаларҙың финалдары ла май айына ҡалдырыла. Ҡайһы бер форум һәм конкурстар дистанцион форматҡа күсә. #национальныепроекты; #нацпроекты Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Талбазы башҡорт гимназияһында Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Гимназияның беренсе ҡатында Талбазы ауылынан уҡыыусыларҙың Зәки Нагаев етәкселегендә балсыҡтан эшләгән изделилары күргәҙмәһе, икенсе ҡатта Төрөмбәттән Гөлфиә Ханнанованың үҙенсәлекле ижади эштәренән күргәҙмә ойошторолдо. Сарала район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, шағирә Лариса Абдуллина, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәүзиә Юламанова, мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләзетдинов ҡатнашты. 58 делегат килде. Фәүзиә Ғәли ҡыҙы райондың социаль һәм иҡтисади хәл-торошо менән таныштырҙы. Сығыш яһаусылар ауылдарҙа башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, төрлө проблемаларҙы күтәрҙе. Төрөмбәт ауылы китапханасыһы Рәсилә Юлмөхәмәтова матбуғатҡа яҙылыу, китапхана эше, Рәшит Назаровтың тыуыуына 75 йыл тулыу буйынса саралар үтәсәге тураһында тураһында әйтеп үтһә, Талбазы лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Айһылыу Ғүмәрова башҡорт теле дәрестәренең кәмеүе тураһында һөйләне. Райондың 30 проценттан артығыраҡ уҡыусыһы ғына башҡорт телен өйрәнә. Үҙәк район дауаханаһы терапевы Лилиә Килмөхәмәтова дөмография хәле менән таныштырҙы һәм замана сирҙәре булараҡ юғары баҫым, инсульт, инфаркт, шәкәр диабеты сирҙәренең артыуын, сәләмәт тормошҡа нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәклеген билдәләне. Үтәймулланан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Тимербәк Ғәлимов ауылда үҙҙәре ойошторған тәбиғәтте һаҡлау, төҙөкләндереү һәм шәжәрә байрамдарын үткәреү эштәре тураһында һәм ауылда асфальт юҡлығы, мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре, иҙәндәре алмаштырыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Өфөнән килгән ҡунаҡтар Рәйсә Күзбәкова һәм Лариса Абдуллина сығыштарында телгә битараф булмаҫҡа, йәштәрҙе милли мәҙәниәт, әҙәбиәт аша тәрбиәләү мөһимлегенә күберәк иғтибар бирелергә тейешлеген әйтте. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы башҡорт телен уҡытыу процентының районда әҙ булыуына ишара яһаны. Быйыл апрелдә үтәсәк 1-се Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезына делегаттар һайларға тәҡдим итте. Лариса Хашим ҡыҙы булған проблемаларҙы күрһәтергә, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре тураһында балаларҙың, йәштәрҙең күберәк белергә тейешлеген билдәләне. Сит илдәрҙә Зәки Вәлиди һәм Салауат Юлаев аша башҡорттарҙы белеүҙәрен, хөрмәт менән ҡарауҙарын үҙендә тойоп, ғорурланып йөрөүен әйтеп китте. Район хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы күтәрелгән проблемаларҙы иғтибарға алды, быйыл Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыу һәм Рәшит Назаровтың юбилейы айҡанлы саралар тейешле кимәлдә үтәсәгенә ышандырҙы. Июндә Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды. Ҡоролтай эше буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Һуңынан гимназия уҡыусылары һәм район мәҙәниәт һарайының “Шатлыҡ” өлгөлө хореографик ансамбле тәрбиәләнеүселәре көсө менән әҙерләнгән концерт номерҙары күрһәтелде. Рәүилә БАРДЫБАЕВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
«Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының иң яҡшы педагогы – 2020» республика һөнәри конкурсы үтәсәк. Был турала мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итәләр. Бәйгелә хеҙмәт стажы ике йылдан да кәм булмаған педагогия хеҙмәткәрҙәре – тәрбиәселәр, өлкән тәрбиәселәр, музыка етәкселәре, физик культура инструкторҙары ҡатнаша ала. Ғаризалар 19 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/3.. буйынса алырға мөмкин. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Емеш һәм бешерелмәгән йәшелсә һуттары организмды шлак һәм токсиндарҙан таҙартыуға булышлыҡ иткән энзимдарға һәм витаминдарға бай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, энзимдар - аш һеңдереүгә ярҙам иткән ҡатмарлы матдәләр, улар эшкәртелмәгән үҫемлек ризыҡтарҙа күп була. Был ферменттар 450С юғарыраҡ температураға һиҙгер, ә 540С градуста юҡҡа сыға. Улар аҙыҡты сей көйөнсә органик сифатта һаҡларға ярҙам итә. Шуға ла бындай энзимдарға бай аҙыҡты ҡулланыу сәләмәтлек өсөн кәрәкле. Йәшелсә-емеш тағы ла туҡлыҡлы матдәләргә бай күҙәнәклектән тороуын барыһы ла яҡшы белә. Ә бына емеш һуты организмды таҙартыу, йәшелсәнеке иһә, организмды төҙөкләндереүсе, уға көс биреүсе булыуын белә инегеҙме? Йәшелсә-емеште сей көйөнсә ашағанда организм үҙенә кәрәкле аминокислоталар, минераль тоҙҙар, витаминдар ала. Һуттарҙы күпме теләйһең, шул тиклем эсергә мөмкин, бер ҙә зыяны юҡ. Ә бына дауаланғанда һөҙөмтәлерәк булһын өсөн һутты көнөнә 600 грамдан да кәм эсмәҫкә кәңәш ителә. Ни тиклем күберәк һут эскән һайын файҙалыраҡ була. Бөгөн, белеүебеҙсә, баҙарҙа иң осһоҙ йәшелсә - кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр һәм нәҡ уларҙың һуты иң файҙалыһы ла инде. Кәбеҫтә һуты организмды таҙартыу өсөн бик яҡшы сара, бигерәк тә һимереү менән яфаланғандарға килешә. Ул бөйән шешен дауалай, башҡа төрлө шештәрҙән, ҡаталау менән интеккәндә, тәнгә әҫпе сыҡҡанда шифалы. Кәбеҫтә һәм кишер һутын ҡушып эсеү теш ҡаҙнаһы инфекцияларын бөтөрөү, организмды таҙартыу йәһәтенән һөҙөмтәле. Кәбеҫтә һутын эскәндә эстә газдар барлыҡҡа килһә (был эсәктәрҙең торошо насар булыуға бәйле), тәүҙә ике аҙна дауамында кишер һуты эсеп, клизма ҡуйып, эсәктәрҙе таҙартып алырға кәңәш ителә. Эшкәртелмәгән кәбеҫтә һуты бик туҡлыҡлы, уның 300 грамына бешкән һәм консерваланған 500 грамм кәбеҫтә лә торорлоҡ түгел. Кәбеҫтәгә һәм һутына тоҙ ҡушыу зыянға ғына булыр, үҙен генә эсергә кәрәк. Ә бына кишер һуты организмдың дөйөм хәлен яҡшырта. Ул А витамины сығанағы, шулай уҡ В, С, D, E витаминдарына ла бай. Һут аш һеңдереү процесын һәм тештәр торошон яҡшырта. Кишер һуты сей яра һәм яман шеш ҡатламдарына ҡаршы сара булараҡ, күреү һәләтен яҡшыртыу, бауыр, тире ауырыуҙарын дауалауҙа ярҙам итеүе менән билдәле. Ҡандың торошон яҡшыртыу һәм эритроциттар барлыҡҡа килтереү өсөн иң шәп һут - сөгөлдөрҙөкө. Был һут бауыр, бөйөр һәм үт ҡыуығын таҙартыу сараһы булараҡ, ҡан баҫымын түбәнәйтеү һәм йөрәк эшмәкәрлегенә бәйле башҡа төр сирҙәрҙе дауалағанда, күрем килеүе боҙолғанда һәм климакс осоронда ҡулланыла. Тәндең сәләмәтлегенә беренсе аҙым - таҙарыныу. Шуға һуттар ярҙамында дауалана башларҙан алда организмды шлактарҙан таҙартып алабыҙ. Бының өсөн 1 ҡалаҡ глаубер тоҙон 1 стакан һыуҙа иретеп, иртәнсәк ас ҡарынға эсергә кәрәк. Организмдан 3-4 литр бысраҡ сығыуы бар һәм был организмды һыуһыҙландырыуға килтерә. Шуға күрә 2 литр тирәһе яңы әҙерләнгән һутты 2 литр һыуға ҡатыштырып эсергә кәрәк (цитрустар һуты булһа, тағы ла яҡшыраҡ, мәҫәлән, 6 уртаса грейпфрут, 3 лимон, ҡалғандары әфлисундан әҙерләнә). Был һыу ҡатнашҡан һутты глаубер тоҙон эскәндән ярты сәғәт үткәс эсә башларға, артабан 20-30 минут һайын эсеп, 4 литрҙы эсеп бөтөрөргә. Йоҡларға ятырҙан алда 2 литр йылымыс һыу менән клизма ҡуйырға (һыуға 1-2 лимондың һутын өҫтәргә мөмкин). Ошо рәүешле 3 көн дауамында таҙарынырға. Организмдан 12 литрға яҡын ағыулаусы һары һыу сыға һәм шул уҡ миҡдарҙағы һелте барлыҡҡа килтереүсе шыйыҡсаға алыштырыла. Дүртенсе көндән алып сей йәшелсә-емештән алынған һуттар эсә башларға кәрәк. Түбәндә сәләмәтлекте нығытыу өсөн файҙалы һуттар ҡатышмаһы һәм уны ниндәй нисбәттә ҡулланырға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирелә. 10:6 нисбәтендә кишер һәм шпинат һутын аллергия, атеросклероз, артрит, астма, түлһеҙлек, үт һәм бәүел ҡыуыҡтары, бауыр, бөйөр, йөрәк сирҙәре, веналарҙың варикозлы киңәйеүе, ҡолаҡ ишетмәү, гипертония, геморрой, бүҫер, диабет, ҡаталау, һимереү менән яфаланғанда, бронхит ауырыуҙарын дауалағанда эсергә. 7:4:2:3 нисбәттә әҙерләнгән кишер, сельдерей, петрушка, шпинат һуты ҡатышмаһы аппендицит, атеросклероз, геморрой, диабет, веналарҙың варикозлы киңәйеүе ваҡытында файҙалы. 10:3:3 нисбәттәге кишер, яңы ҡыяр, сөгөлдөр һуты аллергия, түлһеҙлек, үт һәм бәүел ҡыуыҡтары, бөйөр, бауыр, енес ағзалары сирҙәренән, гипертония, аяҡҡа бәшмәк сығыуҙан, йөрәк сирҙәре, ҡаталау һәм артыҡ ауырлыҡтан арынырға ярҙам итә. 8:3:5 нисбәтендәге кишер, сөгөлдөр, сельдерей һуты атеросклероздан файҙалы. Кишер һутын үҙен генә аҙ ҡанлылыҡ, түлһеҙлек, күҙ сирҙәре (ҡара ҡылау һ.б.), бауыр, аяҡҡа бәшмәк сығыу, һимереү менән яфаланғанда, бүҫер ҡалҡҡанда эсергә кәрәк. Артриттан тағы грейпфрут, сельдерей һуттары, 9:7 нисбәтендә ҡушылған кишер һәм сельдерей һуттары ярҙам итә. Астманан керән ҡушылған лимон һуты (1 лимонға 100 грамм керән) яҡшы дауа, тағы ла 1:5 нисбәтендә кишер һәм торма (редька) йә редис һуты эсеү файҙалы. Аҙ ҡанлылыҡты дауалағанда кишер һәм сөгөлдөрҙән (һабағы менән ҡуша) 13:3 нисбәтендә һут һығып эсергә. Бронхиттан кишер һәм бәпембә һуттарын 12:4 нисбәтендә эшләргә. Ә бына тештәрҙе боҙолоуҙан 11:3:2 нисбәтендәге кишер, бәпембә, шалҡан һуты һаҡлай.
1992 йылдан Иерусалимдә йәшәгән, сығышы менән Нуриман районынан булған Рауил Садиҡов “Урал батыр” эпосын иврит теленә тәржемә итеп сығарған ине. “Тәржемәне дүрт йыл дауамында эшләнем, оригиналдан бик ситләшмәҫкә тырыштым, – ти Рауил Садиҡов. – Китап иврит теле нормаларына тура килеүе тураһында махсус сертификат та алды. Әле мин башҡорт халыҡ әкиәттәрен тәржемәләү менән шөғөлләнәм”. Был илдә башҡорттарҙы бик белмәйҙәр икән. Хәҙер беҙҙең яҡташыбыҙҙың тырышлығы менән йәһүдтәр ҙә данлыҡлы эпосты тыуҙырған халыҡ менән таныша. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
өгөн — Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Президент Владимир Путин уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.#ВладимирПутин — Йәмәғәт тәртибен, тормошон, хәүефһеҙлекте һәм кешеләр хоҡуҡтарын яҡлау — был, ысынлап та, изге, әһәмиәтле, бик ауыр, күп осраҡта хәүефле эш. Бында ынтылыш һәм йыйнаҡлыҡ, намыҫлылыҡ һәм әҙәплелек, һәр кешенең абруйына хөрмәт, иң ауыр йөктәрҙе күтәрә алыу әҙерлеге талап ителә, һынауҙарға бирешмәйенсә, бурысты һәм антты үтәп, ҡанундарға һәм Рәсәй халҡына ышаныслы хеҙмәт итергә кәрәк, — тип белдерҙе дәүләт башлығы ҡотлауында. Ул был көндө һөнәри бурыстарына тоғро, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙер булғандары, үҙҙәренең шәхси миҫалында йәш хеҙмәткәрҙәрҙе тәрбиәләгәндәре өсөн хөрмәтле ветерандарға рәхмәтен белдереп, ныҡлы сәләмәтлек теләне. #ВладимирПутин Автор: Гөлназ Шәйхетдинова. https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Prezident-R-s-y-Eske-esht-r-organdari-he-m-tk-r-re-k-n-men-n-otlani-536907/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе япҡанға күп кенә ваҡыт үтеп китте. Шуға ла ундағы ремонт барышын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә булдыҡ. Стәрлетамаҡ яғынан күпергә яҡынлашҡанда бик күп машиналарға тап булаһың, хужаларға техникаһын ошонда ҡалдырып китеүҙән башҡа сара юҡ, күрәһең. Беҙ ҙә улар кеүек машинаны ҡалдырҙыҡ та, күпер аша икенсе ярға юлландыҡ. Әлегә күпер аша бер техника ла йөрөмәй, йәйәүлеләрҙе генә осраттыҡ. Улар үҙ-ара дауаханаға, эшкә, уҡырға китеп барғандары тураһында һөйләшә. Уларҙың һөйләшкәненән бындағы ремонт тураһында ла ишетелеп ҡала. Иртә менән йылға һауаһын һулап, йәйәүләп йөрөгән дә юҡ тиерлек. Бына ҡайҙа ул романтика! Шулай ҙа машинала елдереп үткәндә күпер ул тиклем үк оҙон булып тойолмай ине, йәйәүлегә тәбиғәткә һоҡланып барырға ваҡыт та күп, ярар әле һауа торошо әллә ни шаяртмай. Һауа торошо тигәс, ҡайҙа һуң ремонт яһаусылар? Өҫтән яуып тормағанда, көн йылыраҡ ваҡытта тиҙерәк эшләй һалырға кәрәктер. Эшселәр күпер өҫтөндә түгел, ә күпер аҫтында, уны тотоп торған бағана эргәһендә ине. Ремонт эштәрен Өфө подрядсыһы «Лидер» компанияһы башҡара. – Эш ҡыйынлыҡтары бар, әлегә пландан ҡалышмайбыҙ. Беҙ күперҙе тотоп торған терәк бағанаһының береһен эшләп тапшырасаҡбыҙ, ул 11 өлөштән тора, әлеге ваҡытта 3-һе әҙер, – ти участка начальнигы Евгений Васильев. Ремонт эштәрен 5 декабргә тамам-ларға вәғәҙәләйҙәр, әммә күпер аша йыш йөрөүселәр тиҙерәк уның сафҡа инеүен теләй. Ишембай районы Ишәй ауылына ҡайтып барыусы Гөлнара Шәрәфетдинова: – Иртәнсәк ауылдан күпергә тиклем улым алып килгәйне, әле дауаханаға барып йөрөп ҡайттым. Күпер һәр ваҡытта ла кәрәк инде ул, ауылдан эшкә йөрөүселәр иртә менән сығып китәләр, әлегә уларға ҡыйын. Оҙаҡҡа яптылар бит, был юлы эшләп бөтһөндәр ҙә башҡа борсомаҫтар тип уйлайбыҙ инде. Ишембай районы Петровск ауылынан Әҙһәм Шәймәрҙәнов: – Әллә ниңә шулай тура килде, күпер ябылғас та ҡалаға көн дә тиерлек юл төшә башланы. Әлбиттә, рәхәткә өйрәнгәс, оҡшатмай халыҡ, әрләп тә ала. Күперҙе япмай ҙа булмай, шулай ҙа ҡуйған ваҡытында эшләп бөтһәләр яҡшы булыр ине. Эльдар ФӘТТӘХОВ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник онкология диспансерына CUSA NXT ультратауышлы аспиратор-деструкторы килтерелгән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник онкология диспансерына CUSA NXT ультратауышлы аспиратор-деструкторы килтерелгән. Был аппарат ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәр менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә алынған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был прибор – онкологик хирургияла мотлаҡ файҙаланылған аппараттарҙың береһе. CUSA NXT ультратауышлы аспиратор-деструкторы ярҙамында үткәрелгән операция ваҡытында ҡан аҙыраҡ юғалтыла һәм башҡа яҡшы яҡтары бар икән. Табип-онкологтар белдереүенсә, CUSA NXT ультратауышлы аспиратор-деструкторы онкология диспансеры пациенттарын хирургик дауалау сифатын һиҙелерлек күрһәтергә ярҙам итәсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Аллаһү лә иләһә иллә һүәл-хәййүл-ҡаййүм. Лә тәъхуҙуһү синәтү үә лә нәүм. Ләһү мә фиссәмәүәти үә мә фил-әрз. Мән ҙәл-ләҙи йәшфәғү ғиндәһү иллә би иҙниһ. Йәғләмү мә бәйнә әйдиһим үә мә халфәһүм. Үә лә йүхитүнә бишәй им мин ғилмиһи иллә бимә шәъ. Үәсиғә күрсиййүһүссәмәүәти үәл әрҙ. Үә лә йә үдүһү хифҙуһүмә үә һүәл-ғәлиййүл-ғазим. Аятел-Көрси – Ҡөрьәндә иң мөһим аяттарҙың береһе. Уны көн һайын уҡыу сихырҙан, күҙ тейеүҙән, насар уйлы кешеләрҙән һаҡланырға ярҙам итә.«Аятел-көрси» – Ҡөрьәндәге иң оло доғаларҙың береһе. Уны уҡыған кешегә шайтан яҡынлай алмаҫ. Сирләгән кешегә уҡыһаң, сихәт табыр. Бер «Аятел-көрси»ҙе уҡыу аят уҡыу менән бер. Бер мөьмин ошо доғаны уҡыһа, әруахтарҙың рухы шат ҡылыр, ҡәберҙәренә нур инер. Уҡыған хәрефе һайын бер фәрештә яратылыр. Ул фәрештәләр ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр «Аятел-көрси»ҙе уҡығанға истиғфар ҡылып торор. Ошо доғаны өйөнән уҡып сығыусы йортона ҡабат ҡайтҡансы Аллаһ ярлыҡауында йөрөр, 30 көн буйына шайтандар яҡын килмәҫ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Ҡытай граждандарына Рәсәйгә инеү ваҡытлыса тыйылды. ТАСС хәбәр итеүенсә, сикләү 20 февралдән ғәмәлгә индерелә. Был сара хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, шәхси, уҡыу һәм туристик маҡсат менән юлланған Ҡытай граждандарына ҡағыла. Ошо турала Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһын индереүҙе һәм таратыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышы йомғаҡтары буйынса иғлан ителде. «2020 йылдың 20 февралендә урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 12-нән хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, шәхси, уҡыу һәм туристик маҡсат менән Рәсәйгә юлланған Ҡытай Халыҡ Республикаһы граждандарын Рәсәй Федерацияһының дәүләт сиге аша үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға», — тиелә белдереүҙә. http://www.bashinform.ru/news/1415882-grazhdanam-kitaya-ogranichili-vezd-v-rossiiyu/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Был дауалау-реабилитация карауаттары яңы тыуған сабыйҙарға үҙенсәлекле массаж яһарға ярҙам итәсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Өфөләге 17-се ҡала дауаханаһы неврология патологияһы менән донъяға килгән кескәйҙәрҙе абилитациялау һәм реабилитациялау, балаларҙың зәғифләнеүен иҫкәртеү өсөн ике махсус карауат алды. Уларҙың файҙаһы бәләкәстәрҙе сәләмәтләндереүҙә баһалап бөткөһөҙ. Был “тылсымлы” ҡорамал сабыйҙарға үҙенсәлекле массаж яһарға ярҙам итә. Ул тиренең һәм мускулдарҙың периферик сиктәренә тәьҫир итеп, үҙ сиратында сигналдарҙың үҙәк нервы системаһына тапшырылыуына булыша. Һөҙөмтәлә тын алыу, ҡан әйләнеше үҙәктәре зшкә ҡушыла, периферик нервы системаһының зарарланған функцияларының тиҙерәк тергеҙелеүенә йоғонто яһай. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған махсус карауаттарҙы файҙаланыу сабыйҙарҙың һауығыу барышын тиҙләтәсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Өфөнөң Калинин, Киров, Октябрьский, Орджоникидзе һәм Совет райондарында йәшәүселәрҙән ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығына ошондай хәбәрҙәр килә. «Бөтә заявкалар Роспотребнадзорҙың республика идаралығына, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығына тапшырылды», — тип белдерҙеләр идаралыҡта. Һауаны тикшереү өсөн Роспотребнадзор идаралығы лабораториялары ебәрелгән. Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Учалы районы Сәфәр ауылы мәктәбендә шағирә Рәмзилә Хисаметдиноваға таҡтаташ асылды. Шағирә был белем усағында 1957 – 1967 йылдарҙа уҡыған, артабан тәрбиәсе булып та эшләгән. Ауылдың мәҙәниәт йортонда Рәмзилә Хисаметдинованың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе булып үтте. Унда шағирәне яҡындан белгән ижадташтары, ауылдаштары, яҙыусылар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ Рәмзилә Хисаметдинованың тормош иптәше, балалары менән ейәндәре лә ҡатнашты. Улар әҙибә хаҡындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әлфирә Пирғәлина буласаҡ шағирә менән танышыуын шулай хәтерләй: – Ҙур зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө, һылыу ҡыҙ ине Рәмзилә. Һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлаған, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан уҡыусы булды. Унынсы синыфта рус теленән белем бирҙем уларға. Мәктәпте тамамлағас та, бәйләнеште өҙмәнек, аҙаҡтан серҙәштәргә әйләндек. Тыуған яғына ҡайтҡан һайын ул миңә һуғылмай ҡалмай ине. Шағирәне тыуған яғында хөрмәтләйҙәр. Уның шиғырҙарын тасуири уҡыу буйынса бәйгеләр үтеп тора. Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия ла булдырылған. Быйыл был премияға шағирә Миңзәлә Шөғәйепова лайыҡ булды. Учалы Яҙыусылар ойошмаһы шағирә хаҡында мәҡәләләр, иҫтәлектәр йыйынтығы сығарған. Уларҙы ойошма етәксеһе урынбаҫары Әҡлимә Сафина туплаған. Һүрәттәрҙә: Рәмзилә Хисаметдинованың тормош иптәше, балалары. Әҙибәнең ейәндәре сығыш яһай. Шағирәнең уҡытыусыһы Әлмира Пирғәлина хәтирәләре менән уртаҡлаша. Хәтер кисәһенән күренештәр. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#миллипроекттар#төбәкпроекттарыРәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, белем сифатын күтәреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Башҡортостанда “Фән” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ғалимдар Өфө ҡалаһын Математика үҙәге итеп күрә. Милли проект нигеҙендә Башҡорт дәүләт университетында донъя кимәлендәге математика үҙәген төҙөү эш планына ингән. Математика фәндәре кандидаты Айһылыу Вәлишинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙә ҙур фән үҙәгенең асылыуы күп уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Тимәк, ғилем тауына үрмәләүселәрҙең, йәш ғалимдарҙың ситкә ағылыуы туҡтаясаҡ. Бер быуаттан ашыу тарихы булған Башҡорт дәүләт университеты академик С.П. Королев исемендәге Һамар милли тикшеренеүҙәр университеты һәм Ҡазан федераль университеты менән берлектә Волга буйы федераль округында Халыҡ-ара математика үҙәге төҙөйәсәк. Күптән түгел юғары уҡыу йорттарының проект өҫтөндә эшләү өсөн консорциум төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуы билдәле булды. – Бынан ары бик күп сетерекле мәсьәләләр хәл ителәсәк, – тип белдерҙеләр Өфөләге юғары уҡыу йортонда. – Мәҫәлән, фән менән бәйле халыҡ-ара саралар ойоштороласаҡ, тикшеренеү-эҙләнеү программалары “икенсе һулыш” аласаҡ, бигерәк тә йәш ғалимдар яңы асыштарға ынтыласаҡ. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: gorobzor.ru Автор: Илдар Акьюлов/ "Башҡортостан" гәзитенән. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан халыҡ-художество кәсептәре, шөғөлдәре һәм экотуризм өлкәһендә дәүләт ярҙамы алыуға заявкалар ҡабул итеү башланды Халыҡ художество кәсептәре, һөнәрселек эшмәкәрлеге, ауыл экология туризмы өлкәһендә эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бухгалтер, маркетинг һәм юридик хеҙмәттәрен бушлай күрһәтеүгә заявкалар ҡабул итә башланы. Дәүләт ярҙамы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бирелә Эшҡыуарҙар түбәндәге хеҙмәттәр буйынса ярҙам ала ала: - бухгалтер иҫәбен алып барыу, отчет тапшырыу, Федераль социаль страховкалауҙан сығымдарҙы ҡаплау, банк тикшереүе өсөн документтар әҙерләргә, финанс ярҙамы алыу өсөн документтар йыйыу; - килешеүҙе рәсмиләштереү, килешеүҙәрҙе, шул иҫәптән халыҡ-ара, анализлау, судта ярҙам итеү, дәғүә ғаризаһы төҙөү; - интернет селтәрендә эшләүҙә, сайт булдырыуҙа, әйҙәүсе социаль селтәрҙәрҙә һәм эҙләү системаһында реклама контексын көйләү, шулай уҡ уларҙа берләшмәләрҙе алып барыу, логотип, баннерҙар, фирма стиле эшләү һәм башҡалар. Белешмә өсөн телефон: +7 (937) 362-77-74 (whats app/шылтыратыу). Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте #РеспубликаБашкортостан #нацпроектБашкортостан #национальныепроекты #производительностьтруда #поддержказанятости Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Тѳн пәрҙәһен йыртып, таң нурҙары офоҡтарға һарыла... Иҙрәп йоҡлаған ҡаланың тынлығын боҙорға ҡурҡҡандай, ара-тирә һулҡылдап ҡуйған кескәй сабыйын күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫып тәҙрәнән тышҡа төбәлгән йәш әсәнең йәнә бер йоҡоһоҙ тѳнѳ... Аяҡ балтырҙарының таштай ҡатыуын да, ҡулдарының иҫ белмәй ойоуын да һиҙмәй ул. Ана, ѳшәнеп кәкрәйгән олоҡасының юрғаны ла иҙәнгә һыпырылып тѳшкән... “Мин насар әсәй, насар ҡатын”... Кѳнѳ-тѳнѳ мейеһен сүкегән уйҙарҙан башы тубал кеүек. Бер нисә айлыҡ ҡына ҡыҙының тѳн йоҡоһонан яҙыуы, улының әсә хәстәрен тоймауы, иренең уны битарафлыҡта ғәйепләүе... Бѳтѳн кѳс-кәрен һурып, үҙен йота барған был ѳйрѳлмәктән ҡотолоу әмәле юҡ төҫлө... Эйе, баланы табыуҙан бигерәк бағыуы ауыр, тиҙәр. Декрет ялына сыҡҡан йәш әсәйҙәрҙең күбеһе күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә, ә ҡайһы саҡ хатта депрессияға дусар булыусан. Даими рәүештә кѳсѳргәнеш кисереү кешене физик һәм психологик йәһәттән хәлһеҙләндерә, был иһә әйләнә-тирәләге донъяны сағыу тѳҫтәрҙән мәхрүм итә. Тәүлек әйләнәһенә сабыйға бәйле булыу, яуаплылыҡ, йорт-ерҙе тәртиптә тотоу, ирҙе хәстәрләү, йоҡоһоҙ тѳндәр - бәғзе ваҡыт тамаҡ ялғарға ла форсат тапмаған йәш әсәйҙең иңенә бѳтѳн донъя йѳгѳ аҫылғандай. Хәйер, бындай “ҡорбан ҡылыу”ҙар күпселек гүзәл затҡа хас. Уны әсәлек инстинкты тип тә йѳрѳтәләр. Белгестәр билдәләүенсә, әлеге “режимда” ҡатын кеше бер нисә ай йәшәргә һәләтле, әммә һуңғараҡ, физик һәм психологик хәлһеҙлек тойолоу менән, күңелде бушлыҡ, тѳшѳнкѳлѳк биләп аласаҡ. Бер йыл самаһы элек илдең баш ҡалаһында булған ҡот осҡос фажиғә лә тап ошо депрессия эҙемтәһе. Ике сабыйы менән декрет ялында ултырған ҡатын, бер ни һиҙмәгән ирен эшкә оҙата ла, иртә таңда балаларын тотоп 9-сы ҡаттан ташлана. Әсәй кеше менән 9 айлыҡ бала шундуҡ йән бирә, ҡыуаҡтар араһына тѳшкән 4 йәшлек малай ғына ниндәйҙер мѳғжизә менән тере ҡала... Үкенескә ҡаршы, бындай бәләләр бик йыш ҡабатлана. Үткән йылдың март айында ошондай уҡ аяныслы осраҡ Ѳфѳлә лә булғайны. Йәш әсә ике йәшлек ҡыҙын 9 ҡаттан ташлап, артынса үҙе лә һикерә. Бәхеткә күрә, килеп тѳшкән урындары тәрән кѳрт булып, икеһе лә тѳрлѳ йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың 13 проценты даими рәүештә депрессия хәлендә икән. Бының ише торошто үҙ яйына ҡуйырға ярамай. Бала тапҡандан һуңғы депрессия менән яфаланыусы әсәйҙәр, ғәҙәттә, һәр саҡ бойоҡ, психик һәм физик йәһәттән һүлпән. Уларҙы сабыйына, иренә, тормошҡа ҡарата вайымһыҙлыҡ ҡылыҡһырлай. Ниндәй сәбәптәр ҡаҡшата һуң сәләмәтлекте? Ауырыуҙың аныҡ ҡына этиологияһы билдәле түгел - ул тѳрлѳ йәштәге һәм тѳрлѳ социаль хәлдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙа барлыҡҡа килеүе ихтимал. Табиптар фекеренсә, сирҙе кѳслѳ стреслы ваҡиғалар, йѳклѳлѳк осорондағы хафалы уйҙар тыуҙырыуы бар. Бынан тыш, әсә кешенең йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланыуы, сабыйҙың һаулығына бәйле проблемалар, имеҙеүҙе туҡтатыу, бәпес тапҡандан һуң кәүҙәләге үҙгәрештәр, яҡындары тарафынан битарафлыҡ, яңғыҙлыҡ тойғоһо ла иң йыш күҙәтелгән сәбәптәрҙән. Бәғзе бер ҡатындар үҙҙәренең яҡшы әсәй булыуҙарына шикләнеп, ғәйеп, ҡурҡыу тойғоһо кисерә; был иһә йоҡоһоҙлоҡҡа, аппетиттың кәмеүенә, тѳнгѳ һаташыуҙарға, үҙ баһаңдың тѳшѳүенә килтерә. Депрессияға бирелеү хатта спиртлы эсемлектәр менән “дуҫлыҡ”ҡа ла этәреп ҡуя. Был алама сирҙән ҡотолоу юлы бармы? Бар. Әммә тейешенсә дауаланмағанда, үҙ ѳҫтѳңдә эшләмәгәндә, ул айҙар, йылдарға һуҙыласаҡ. Айырым осраҡтарҙа депрессия ғүмер ѳсѳн дә үтә хәүефле. Әгәр ҙә әсәй кешенең үҙенә йәиһә яҡындарына депрессия билдәләре тойолһа, кисекмәҫтән психолог йә психиатр ярҙамына мѳрәжәғәт итеү зарур. Психологтар билдәләүенсә, бала тапҡан, баҡҡан ҡатындар яҡындарының йылы мѳнәсәбәтен, ярҙамын тойорға тейеш. Шулай уҡ үҙ ѳҫтѳңдә эшләү, эмоцияларыңа ҡолаҡ һалыу, уларҙы анализлау һәм барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙың ваҡытлыса икәнлеген аңлау фарыз. Был йәһәттән Белорет ҡалаһындағы 19-сы балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының педагог-психологы, “Ғаилә” кѳнсығыш район-ара үҙәге хеҙмәткәре, йога буйынса инструктор Венера Ғәли ҡыҙы АҘНАБАЕВА бына нимә ти: - Тѳшѳнкѳлѳк - ул, тәү сиратта, үҙ-үҙеңә, мѳмкинлектәреңә ышанмау, үҙеңде ярҙамһыҙ, меҫкен, япа-яңғыҙ тойоу. Әлбиттә, бындай хәл-торошто үҙ көсөң менән генә йырып сығыуың икеле. Әммә өмөтһөҙлөккә бирелергә ашыҡмай торайыҡ. Дөйөм алғанда, ниндәйҙер кире һыҙатты еңер ѳсѳн уның тап киреһен үҫтерергә кәрәк. Мәҫәлән, әгәр һеҙ кәрәгенән артыҡ пессимист, ҡурҡаҡ икән, тимәк, үҙегеҙҙә уларҙың тап киреһен - оптимизм менән ҡыйыулыҡты булдырырға тейешһегеҙ. Ваҡыт үтеү менән негатив сифаттар ҡыҫырыҡлап сығарыласаҡ. Аҡыл эйәләре әйтеүенсә, бер нәмәгә ҡарамай бәхетле булыу фарыз. Үҙеңде кѳйһѳҙләгән хәл-ваҡиғанан да ыңғай тәжрибә алырға мѳмкин икәнен онотмағыҙ. Күптәр иғтибар иткәндер: ҡасандыр баш ауырыуы булған теге йәки был мәсьәлә бихисап яңы мѳмкинлектәр сығанағына әйләнә. Яҡшылыҡтың ҡәҙерен белеү, рәхмәтле булыу кеүек һыҙаттар ҙа позитив тулҡында йәшәргә ярҙам итә. Бының ѳсѳн “Рәхмәт белдереү” кѳндәлеген тоторға мѳмкин. Һеҙгә бирелгән ғүмергә ни ѳсѳн рәхмәт әйтер инегеҙ - барыһын да тәфсирләп яҙып барығыҙ. Үҙегеҙҙе рәнйеткән кешегә лә ысын йѳрәктән бәхет, яҡшылыҡ теләгеҙ - бер генә тапҡыр түгел, мең тапҡыр! Йѳрәгегеҙҙе яулай барған яҡтылыҡ ауыр йѳк булып ятҡан ғазаплы уйҙарҙан арындырыр, күңелегеҙҙе йылы хистәргә сорнар. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ғазап-михнәттәр изгелек булмаған ерҙә генә тотҡарлана! Тормоштоң үҙегеҙгә ҡарата рәхимле, хәстәрлекле булыуына икеләнмәгеҙ. Аллаһы Тәғәләгә, Йыһанға, Юғары кѳскә ышанмау әлеге лә баяғы ғазапҡа тарыта. Изге теләктәр, доғалар күңелде һилләндереп кенә ҡалмай, ниндәйҙер ҡурҡыныс тойолған хәлде лә мѳғжизәле рәүештә ыңғай юҫыҡҡа бора. Ысынлап та, Юғары кѳстѳң барлығына инаныу, мѳхәббәт тормоштағы хафа-ҡурҡыуҙарҙы юҡҡа сығара. Материаль донъя - ул аҫҡа табан йүнәлгән эскалатор. Әгәр үҙ ѳҫтѳбѳҙҙә эшләмәйбеҙ, ағым ыңғайына ғына йѳҙәбеҙ икән, тимәк, беҙ кѳн һайын түбәнгә тәгәрләйбеҙ. Бѳтѳн проблемалар, тәү сиратта, үҙ-үҙебеҙҙе яратмауҙан, ҡабул итмәүҙән килә. Был йәһәттән, минеңсә, йогатерапиянан да ҡулайыраҡ нәмә юҡ. 15 йыл дауамында кешеләргә йога серҙәрен ѳйрәтеп шуны әйтә алам: йога - ѳр-яңынан үҙеңде ѳйрәнеү, физик, психик һәм менталь яҡтан нығыныу, камиллашыу ысулы. Үҙгәрештәр иҫ китерлек - һеҙ кѳндән-кѳн бәхетлерәк, сәләмәтлерәк, ирекле һәм һәләтлерәк! Күңелһеҙләнеү, эске кѳсѳргәнешлек, кѳйһѳҙлѳк кеүек йәшлекте, матурлыҡты, теләкхыялдарҙы харап итеүсе тойғолар юҡҡа сыға. Уның ҡарауы, йән-тәнеңде пакландырған, булмышыңды нурлыраҡ иткән мѳғжизәле кисерештәр артҡандан-арта бара. Ғәҙәттә, йога дәрестәренән һуң кешелә сәләмәтлек, тыныслыҡ, шатлыҡ кеүек энергетик ресурстар барлыҡҡа килә; хис-тойғолар контролдә тотолғас, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлы ла йәһәт табыла. Бынан тыш, һеҙҙе ихтирам иткән, һеҙҙең ѳсѳн ысын күңелдән ҡыуанған яңы дуҫтар, фекерҙәштәр пәйҙә була. Ә инде күңелле ял кѳндәре, йәнле аралашыуҙар, походтар иһә - үҙҙәре үк депрессиянан яҡшы сара. Тормошҡа, кешеләргә ҡарата ышаныс менән йәшәгеҙ. Һәр кемебеҙҙең был ерҙә үҙ тәғәйенләнеше, миссияһы барлығын онотмайыҡ - эҙләйек, тояйыҡ, табайыҡ. Юҡҡа ғынамы, күк йѳҙѳн күрер ѳсѳн башты күтәрер кәрәк, тимәйҙәр бит... Психологик ҡаҡшауҙан һаҡланыу саралары ► Бала йоҡлағанда үҙегеҙ ҙә ял итегеҙ. Организм сарыф ителгән энергияны даими рәүештә тергеҙеп торорға тейеш. ► Физик һәм психик баҫымдан арыныр өсөн һәр кис һайын хуш еҫле ванналар ҡабул итегеҙ. ► Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм даими физик әүҙемлек кенә һеҙҙе депрессиянан, стрестарҙан аралар. ► Яҡындарығыҙҙан ярҙам һорарға тартынмағыҙ. Өй эштәре һәм сабый тик һеҙҙең генә бурыс түгел. ► Тышҡы ҡиәфәтегеҙгә иғтибар бүлегеҙ. Бөҙрәханаға барыу, яңы кейем, биҙәүестәр һатып алыу, әйләнә-тирәләгеләрҙең һоҡланыулы ҡараштарын тойоу ҡатын-ҡыҙҙы бермә-бер үҫтерә, ҡанатландыра. ► Дуҫтарығыҙҙан, һөнәрҙәштәрегеҙҙән ваз кисмәгеҙ, ваҡыты-ваҡыты менән аралашып, күрешеп тороғоҙ. ► Китаптар уҡығыҙ, яңы авторҙар, фекерҙәр менән танышығыҙ. Иң мөһиме, үҙ-үҙеңде өйрәнеү, камиллашыу өсөн ҙур мөмкинлектәр биргән осорҙан тик кинәнестәр генә алып йәшәгеҙ. Фото: m.my.mail.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ошо көндәрҙә Өфөлә XXIII «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2020» ҡала конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде. Ул – 25 йәшлек рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов. Баш ҡаланың иң яҡшы педагогы 56-сы мәктәптә эшләй. Ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тик яҡшы билдәләренә тамамлаған, һуңынан ошо уҡ юғары уҡыу йортонда хәҙерге рус теле ғилеме кафедраһында аспирант булып уҡыуын дауам иткән. Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйылғы уҡыу йылында конкурста 58 уҡытыусы ҡатнашҡан. Уларҙың 17-һе – йәш педагогтар. Һынауҙар 17 фәндән уҙғарылған. Конкурс барышында ҡатнашыусылар «Интернет-ресурс», «Эссе», «Дәрес», «Дәрестән тыш сара», «Оҫталыҡ дәресес», «Асыҡ лекция», «Мәғариф проекты», «Түңәрәк өҫтәл» һәм «Класс сәғәте» этаптарын үткән. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова конкурста ҡатнашыусыларҙы Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин исеменән ҡотланы. «Бөгөн – һөнәри таныу көнө. Был залға үҙенең энергияһы һәм ижады менән уҡыусылар йөрәген яулап алған уҡытыусылар йыйылды. Конкурсанттар оҫталығын һәм иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәтә алды. Уҡытыусыларыбыҙ йылдан-йыл үҙҙәренең тәжрибәһен йәштәргә тапшыра, шуға балаларыбыҙҙың ышаныслы ҡулдарҙа булыуы өсөн бик бәхетлебеҙ», — тип билдәләне ул. «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2020» конкурсын ябыу тантанаһында өҫтәмә белем биреү педагогтарының «Йөрәгемде балаларға бирәм» һөнәри оҫталыҡ конкурстары, «Педагог-тикшеренеүсе» һәм «Уҡытыусы-оҫта» ҡала һөнәри конкурстары финалсылары һәм лауреаттары ла бүләкләнде. Тантанала шулай уҡ конкурсты ойоштороуҙа ҡатнашыусынан – Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитетынан наградалар тапшырылды. «Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2020» конкурсында ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бүләктәр алды. «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» һәнәри оҫталыҡ конкурсы 1997 йылдан алып үткәрелә. 23 йыл эсендә унда 2 500-ҙән күберәк кеше ҡатнашҡан, 400-ҙән ашыу уҡытыусы лауреат булған.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына “Урал батыр” эпосы буйынса башҡорт телендә балалар өсөн комикс һәм анимацион фильм” тип аталған проект башҡарылды. Грантты “Башҡортостан Республикаһы” Башҡортостан Республикаһы дәүләт унитар предприятиеһы Нәшриәт йорто филиалы – “Башҡортостан журналдары” нәшриәте “Аҡбуҙат” журналы үтәне. 2019 йылдың 12 һанында “Урал батыр” эпосына эйәреп эшләнгән комикстар донъя күрҙе (рәссамы – Дамир Мөхәмәтйәров). Китап сыҡты. Һәм, ниһайәт, “Урал батыр һәм Самрау батшалығы” тип аталған йәнһүрәт төшөрөлдө. Бәләкәй Уралдың мажаралары, ағаһы Шүлгән менән бәхәсе, Йәншишмәне эҙләүе һәм табыуы, дейеүҙәр менән көрәшеүе еңеү менән тамамланырмы? Ҡарағыҙ! Уйланығыҙ! Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ! Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Республиканың аҙыҡ-түлек баҙарының күләме 350 миллиард һум тәшкил итә, әммә уның 170 миллиардҡа тиң өлөшө, йәғни яртыһынан аҙырағы ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Уныһы ла ҡулланыуға әҙер ризыҡтар түгел, башлыса сеймал. Радий Хәбиров белдереүенсә, ошо арҡала өҫтәмә хаҡ өлөшөнә тейеш бихисап табыш алынып етмәй. Республиканың аҙыҡ-түлек баҙарының күләме 350 миллиард һум тәшкил итә, әммә уның 170 миллиардҡа тиң өлөшө, йәғни яртыһынан аҙырағы ғына үҙебеҙҙә етештерелә. Уныһы ла ҡулланыуға әҙер ризыҡтар түгел, башлыса сеймал. Радий Хәбиров белдереүенсә, ошо арҡала өҫтәмә хаҡ өлөшөнә тейеш бихисап табыш алынып етмәй. – Беҙҙең агросәнәғәт комплексы өсөн иң көнүҙәк мәсьәлә – үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе яйға һалыу, – тине Башҡортостан етәксеһе Дәүләт Йыйылышына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ауыл хужалығы тармағындағы банкротлыҡ проблемаһына ла туҡталды. – Беҙ алдан уйлап еткермәү, ә ҡайһы берҙә юрамал, аҫтыртын ниәт менән тиҫтәләрсә ауыл хужалығы предприятиеларын, фермер хужалыҡтарын юғалтабыҙ. 20 йыл эсендә тармаҡ дүрт тапҡыр банкротлыҡ тулҡынын кисерҙе. Бәлки, ауыл иҡтисадын нығытҡандарҙы, ер кешеләрен эшле иткәндәрҙе бөлгөнлөккә төшөрөүҙән туҡтарға ваҡыттыр? Киләсәктә был йүнәлештәге эштәр аныҡ хоҡуҡи баһа менән нығытылырға тейеш һәм мин шуны талап итәсәкмен, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда “АПК лидерҙары” тип аталған программа ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Уның буйынса агробизнес өсөн заманса белгестәр әҙерләнәсәк, ауыл хужалығын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү камиллаштырыласаҡ. “Башта биш-алты аграр колледжда малсылыҡ фермалары, тәжрибә баҫыуҙары булдырасаҡбыҙ. Улар өсөн заманса техника һәм ҡорамадар һатып аласаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Ҙур ҡолаҡлы бәләкәй генә был йәнлек – кескәй баланың әкиәти һынланышы. Бер яҡтан ҡарағанда, ул һәр ваҡыт ололарҙың (йәнһүрәттә крокодил Генаның) хәстәренә мохтаж, икенсе яҡтан, Чебурашка – бик аҡыллы, үҙенсәлекле йән эйәһе. Изге күңелле, бер аҙ ҡыҙығыраҡ ҡиәфәтле был персонаж 1966 йылда талантлы яҙыусы Эдуард Успенский ижад иткән “Крокодил Гена һәм уның дуҫтары” тип аталған китапҡа бәйле барлыҡҡа килә. Ә инде 1968-1969 йылдарҙа китеп нигеҙендә йәнһүрәт төшөрөлөп, зәңгәр экрандарға сығарылғас, ул иҫ киткес популярға әйләнә. Чебурашка – ташландыҡ балаларҙың һынланышы. Ул әфлисун йәшниге эсенән килеп сыға һәм үҙенә яңы дуҫтар табып, “яҡшы кеше” булып үҫешә башлай: Гена менән бергәләп дуҫтары өсөн йорт төҙөй, мәктәпкә бара, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөүҙә ҡатнаша, пионер булыу хаҡында хыяллана. Йыл һайын август айында Мәскәүҙә Чебурашканың тыуған көнө айҡанлы етем балалар өсөн хәйриә акциялары, байрамдар, фестивалдәр ойошторола. Уларҙың маҡсаты – яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған балаларға өмөт һәм шатлыҡ бүләк итеү. Бер нисә быуындың яратып ҡараған йәнһүрәт геройы – эскерһеҙ, иҫ киткес изгелекле Чебурашка тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына әкиәти персонаж булып тойолһа ла, ҙур, етди социаль күренештең һынланышы булараҡ барлыҡҡа килгән ул. Фото: lib-pk.ru Автор: Гөлдәр Яҡшығолова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-g-n--Cheburashkani-tiu-an-k-n-419348/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡабул итә. V съезд 28-29 июндә Өфөлә һәм Ишембай районында, бөтөн донъяға билдәле шиханыбыҙ Торатау янында үтә. Бар башҡорт халҡын берләштергән 5-се йыйын нимәһе менән үҙенсәлекле һуң? Тәү сиратта, киләсәккә төбәп әҙерләнеүе, башлыса йәштәргә таянырға тырышыуы менән, әлбиттә. Съезға әҙерлек быйыл 1 мартта башланғайны. Башҡортостандан ситтә, республиканың ҡала һәм райондарында ҡоролтай ултырыштары үтте, улар үҙҙәренең делегаттарын билдәләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Рәсәй төбәктәренән – 157, сит илдәрҙән 58 делегат саҡырылды. Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан 295 кеше һайлау аша үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты раҫлаған положениеға ярашлы, делегаттар мотлаҡ һайлау аша үтергә һәм уларҙың кәмендә 30 процентын йәштәр тәшкил итергә тейеш ине. Был ҡарар тулыһынса үтәлде. Шуның менән бергә март айында Ҡоролтай Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын төҙөүҙә ҡатнашыуға конкурс иғлан итте. Иң яҡшы концепция тәҡдим итеп тә съезда ҡатнашыу хоҡуғы алырға мөмкин ине. Билдәле ғалимдар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре составындағы эксперттар советы стратегияның нигеҙен тәшкил итәсәк һәм уны тулыландырасаҡ 10 проектты һайлап алды. Проект авторҙары 5-се съезда ҡатнашыуға саҡырыу алды. 28-29 июндәге йыйында әүҙем, рухлы йәштәр ҙә күберәк ҡатнашасаҡ. Быға апрелдәге халыҡ-ара йәштәр форумы сәбәпсе. “V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы” форумында етди, эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһаған, милләт киләсәген яҡшыртыуға ҡағылышлы отошло проекттар тәҡдим иткән 20 йәш кеше 5-се съезда ҡатнашыуға хоҡуҡ алды. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының программаһы ла үҙенсәлекле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, был үҙенә күрә йәш, заманса, эшлекле ҡоролтай буласаҡ. Съезда 8 секцияла мәғариф һәм кадрҙар, башҡорт теле, тарих, демография һәм һаулыҡ, медиа-даирә, мәҙәниәт һәм сәнғәт, бизнес, төбәктәрҙәге башҡорттар темалары ҡарала. Әммә иң мөһиме шунда – секция ултырыштары ябай һөйләшеүгә һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, делегаттар милләт киләсәген күҙаллаған өр-яңы проекттар, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйәсәк. Съезд йомғаҡтары буйынса республика етәкселегенә, дәүләт органдарына талаптар исемлеге түгел, бәлки дәүләт программаһы проекты, эшлекле тәҡдимдәр әҙерләнеп тапшырыласаҡ. Башҡорт рухына, йыр-моңона һыуһаған милләттәштәр өсөн бай концерт программаһы ла әҙерләнә. Улар икәү. Йәштәр көнө уңайынан 5-се Ҡоролтай сиктәрендә 28 июндә Өфөләге “Ватан” этнопаркында сағыу “Самрау” шоу-фестивале үткәрелә. Иртәгәһенә, 29 июндә, бөтөн милләттәштәрҙе Торатау йыйынында көтәбеҙ. Беҙ, башҡорттар – бөтә ырыуҙарыбыҙ менән изге тауҙа тупланған, ата-бабаларҙан ҡалған зиһен зирәклеге, күңел һиҙгерлеге, быуаттарҙан быуаттарға милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр рухи көсө менән дан алған халыҡ! Тап Торатауҙа һаҡлана ул ҡәүемебеҙҙең ырыҫын ҡурсалар, ғәмен уятыр, моңон таратыр ҡеүәт! Шулай итеп, Ер шарының төрлө төбәгенән йыйылған милләттәштәр өсөн съезд 29 июндә изге тауыбыҙ Торатауҙа тамамлана. Рух байрамында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, сикләү юҡ. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
«Мәғариф» милли проектының «Һәр кемгә яңы мөмкинлектәр» проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында һәүәҫкәр умартасылар квалификацияһын күтәреү мөмкинлегенә эйә. «Мәғариф» милли проектының «Һәр кемгә яңы мөмкинлектәр» проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында һәүәҫкәр умартасылар квалификацияһын күтәреү мөмкинлегенә эйә. Курстарҙа ҡорт тотоу һәм үрсетеүҙең заманса технологиялары һәм ысулдары, уларҙың ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм профилактика буйынса теоретик һабаҡ бирелә. Уҡыуҙың ғәмәли өлөшөн Республика ветеринар лабораторияһында, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса башҡорт фәнни-эҙләнеү үҙәгендә үткәреү күҙ уңында тотола. Уҡытыу бушлай ойошторолған. Әле баш ҡаланың аграр йүнәлешле юғары уҡыу йортонда республика райондарынан, Һамар, Ырымбур һәм Ҡазандан меңгә яҡын умартасы нескә шөғөл буйынса белемен камиллаштыра. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Бөгөн, 30 мартта 16.00 сәғәттә республика иҡтисадының тотороҡлолоғон үҫтереү сараларына арналған брифинг үтә. Бөгөн, 30 мартта 16.00 сәғәттә республика иҡтисадының тотороҡлолоғон үҫтереү сараларына арналған брифинг үтә. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы тураһында һөйләйәсәк. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
ӘкиәтБорон-борон заманда йәшәгән, ти, бер Ҡуян балаһы. Ул ҡурҡаҡ, ҡыйыуһыҙ ғына булған. Уйнарға иптәштәре лә юҡ икән. Бер үҙе генә аҡланға сығып, тегеләй-былай сабып йөрөй ҙә өйөнә ҡайтып бикләнә. Уға ныҡ күңелһеҙ булған. Бер көндө Ҡуян балаһы эргәләге аҡланға уйнарға сыҡҡан. Унда Энәлек менән Энәкәй рәхәтләнеп уйнап йөрөй, ти. Шаяралар, көләләр, тәкмәс аталар. Оҙонғолаҡтың күҙе ҡыҙып ҡарап торған. Терпе балалары уны ла уйнарға саҡырған. – Беҙ Энәлек менән Энәкәй булабыҙ, – тип үҙҙәре менән таныштырғандар. Унан да исемен һорағандар. – Белмәйем, – тигән Ҡуян балаһы ҡыйыу­һыҙ ғына. Энәкәй тәгәрәп ятып көлә башлаған. – Үҙенең исемен дә белмәй, ха-ха-ха. Бәлки, һинең исемең Ҡурҡаҡбикәлер, – тип үсекләгән дә. Шешҡолаҡтың бөтөнләй кәйефе төшкән, илар хәлгә етешкән. Быны күреп, Энәлек: – Әйҙә, беҙ һиңә Ҡупшыҡай тип исем ҡушайыҡ, – тигән. Ҡуянға исем бик оҡшаған, бик шатланып риза булған. Шул көндән алып Энәлек, Энәкәй һәм Ҡупшыҡай айырылмаҫ дуҫтарға әйләнгән. Гел бергә генә татыу уйнай­ҙар, ти. Айназ АЗАМАТОВ, III синыф уҡыусыһы. Баймаҡ районы, 1-се Этҡол мәктәбе. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Яман шеш тураһында хәбәрҙар булһаҡ та, был яуыз сир яҡындарыбыҙҙы алып китһә лә, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртмайбыҙ, был үҙебеҙгә бер ҡасан да ҡағылмаҫ тип йәшәй бирәбеҙ. Күптәребеҙ яман шеште иртә диагностикалау буйынса дауаханаларҙа бушлай тикшереүҙәр барлығы тураһында белмәй ҙә. Һаулығым—байлығым тиһәк тә, күп осраҡта уға кәрәкле иғтибар бирмәйбеҙ. Күптәр бөтөнләй хәлһеҙ ҡалып аяҡтан йығылмайынса, сәләмәтлеге тураһында уйлап та бирмәй. Табиптар әленән-әле теге йәки был анализдарҙы йыл һайын бирергә, тикшереү үтеп торорға кәңәш итһә лә, һирәктәр генә ҡушылғанды үтәйҙер ул. Ә бит һаулығың тураһында ҡайғыртып тороу ваҡытында етди һәм үлемесле ауырыуҙарҙы иҫкәртергә мөмкинлек бирә. Үҙ мәлендә тикшереү үтеү арҡаһында ҡайһы берәүҙәр заман афәтенә әйләнгән яман шеш тураһында тәүге стадияларында уҡ белеп ҡала һәм уңышлы дауаланыуға өлгәшә. Рәсәй буйынса статистикаға күҙ һалһаҡ, яман шеш йыл һайын яҡынса 160 мең кешенең ғүмерен алып китә. Уның үлемесле сиргә әйләнеп китеүе-нең төп сәбәбе—ваҡытында диагнос-тикаланмау. Заман афәтенә әйләнгән был яман сир тураһында беҙ нимә белергә тейеш? Унан ниндәй ысулдар менән һаҡланырға була? Күптән түгел Сибай халҡы Балалар ижады үҙәгендә үткән лекцияла ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап ала алды. «Нисек яман шештән һаҡланырға һәм һаулығыңды һаҡлап алып ҡалырға» тигән лекцияны «2018 йылдың иң яҡшы табибы» конкурсы лауреаты, табип-онколог Гөлнур Хәмзә ҡыҙы Ниғмәнова алып барҙы. Уның әйтеүенсә, кешенең сәләмәтлеге нәҫелдән, медицинанан, йәшәү рәүешенән һәм экологиянан тора. «Иң мөһиме—профилактика. Һаулығыбыҙ борсоһа ла, борсомаһа ла, йыл һайын флюрография, УЗИ, ЭКГ үтеп торорға һәм анализдар бирергә кәрәк. Ниндәй генә ауырыу булһа ла уны, дауалауға ҡарағанда, булдырмау яҡшыраҡ»,—тине ул. Лекция мәлендә күргәҙмә әсбаптар ҙа бар ине. Табип уны бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы итеп ҡулланды. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, организмда ниндәй генә үҙ-гәрештәр булһа ла, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Мәҫәлән, йөҙҙөң артыҡ ныҡ ағарғанлығы, йә иһә һарғайып тороуы, миңдәрҙең күбәйеп китеүе һағайтырға тейеш. Әйткәндәй, миңдәрҙе алып ташларға ярамай, был үлемгә килтерә тигән ышаныс булһа ла, табип әйтеүенсә, уларҙы юҡ итеү хәйерле. Эҫе йәйге мәлдә күптәребеҙ ҡояшта ҡыҙынырға ярата, ҡайһы бер гүзәл заттар махсус рәүештә солярийға ла йөрөй. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, был һаулыҡ өсөн бик тә зыянлы. Бигерәк тә, балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә артыҡ ҡыҙынырға ярамай. Солярийҙың зыяны тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Һау-сәләмәт булыр өсөн насар ғәҙәттәрҙән дә баш тартыу мөһим. «Тәмәке тартыу—яуызлыҡ. Күп кенә ауырыуҙар тап уның арҡаһында барлыҡҡа килә. Тартҡан кеше үпкәләге яман шеш менән ауырыу ҡурҡынысы алдында тора. Юҡҡа ғына элекке замандарҙа тартыуҙы ғәҙәт итеп алған монахтарҙы тереләй стенаға томалап ҡуймағандар»,—ти табип-онколог. Насар ғәҙәттәрҙән арыныуҙан тыш, һаулығыбыҙ өсөн файҙалы булған эштәрҙе ғәҙәткә әйләндереү ҙә зарур. Иртән йоҡонан тороу менән һәр кем бүлмә температураһындағы 1 стакан һыу эсергә тейеш. Ғөмүмән, һыуҙы кәүҙә ауырлығына ҡарап, көнөнә 1,5-2 литр эсергә кәрәк. Шулай уҡ һәр көндө иртәнсәк бутҡа ашауҙан башлау һаулыҡ өсөн файҙалы. Ит аҙыҡтарын йәшелсәләр менән бергә ашау ҙа дөрөҫ булыр. Күберәк хәрәкәтләнеү, спорт менән шөғөлләнеү—сәләмәт булыуға тағы бер аҙым. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, стресҡа бирелеү ҙә организмды ныҡ ҡаҡшата. Шуға күрә ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, үҙеңде артыҡ бөтөрөргә ярамай. Был донъяла оптимист булып ҡала белеү мөһим. Бының өсөн һәр кемдең ҡыҙыҡлы хоббиһы, күңел һалып башҡарыр шөғөлдәре булырға тейеш. Яман шеш тураһында хәбәрҙар булһаҡ та, был яуыз сир яҡындарыбыҙҙы алып китһә лә, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртмайбыҙ, был үҙебеҙгә бер ҡасан да ҡағылмаҫ тип йәшәй бирәбеҙ. Күптәребеҙ яман шеште иртә диагностикалау буйынса дауаханаларҙа бушлай тикшереүҙәр барлығы тураһын да белмәй ҙә. Йә иһә белһә лә, был мөмкинлекте ҡулланмай. Дауаханаларҙа ҡайһы бер онкомаркерҙарға түләүһеҙ анализ бирергә, ашҡаҙан һәм эсәк буйҙарын тикшертеү өсөн иммунохимик анализ үткәртергә мөмкин. Лекция барышында Гөлнур Хәмзә ҡыҙы ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығына яуаплыраҡ ҡарауын телгә алып үтте. Залда ир-аттарға ҡарағанда гүзәл заттарҙың күберәк булыуы ла был турала һөйләп тора ине. Һүҙ аҙағында табип-онколог һәр беребеҙҙе сәләмәтлеге хаҡында борсолорға, ваҡытында профилактик саралар күрергә саҡырҙы. «Кемдер яман шешкә дусар була ҡалһа ла, юғалып ҡалырға, үҙенә ҡул һелтәп ҡуйырға тейеш түгел. Йәшәүгә өмөт һәр ваҡыт булһын. Шуға күрә беҙ, «Матурлыҡ менән дауала» тигән программа нигеҙендә, яман шеш менән ауырығандарға ярҙам итәбеҙ. Улар менән лимонарийҙарға, театрға һәм музейҙарға йөрөйбөҙ. Шул матурлыҡты күреп сирҙәре тураһында оноталар, йәшәүгә көс табалар»,—тип һөйләп үтте Гөлнур Хәмзә ҡыҙы. Һаулыҡ—ул ысын байлығыбыҙ. Ә матди байлыҡ бары тик бер айлыҡ. Шуға күрә һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Донъя малы артынан сабып, сәләмәтлегебеҙ хаҡында онотмайыҡ.
Уны ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Үҙәккә Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева етәкселек итә. Уны ойоштороу тураһындағы бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Үҙәккә Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева етәкселек итә. Ситуация үҙәге коронавирус инфекцияһына бәйле мәсьәләләр буйынса оператив консультация өсөн булдырылған. Көн һайын 8 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем 8(347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. «Үҙәк кешеләрҙең мөрәжәғәттәрен кәметер тип өмөтләнәбеҙ, сөнки йыш ҡына кешегә килеп тыуған хәлгә квалификациялы аңлатма биреү йәки ҡайҙан ярҙам алыу өсөн кәңәш биреү ҙә етә», - тине республика Башлығы Радий Хәбиров. Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында урынлашҡан үҙәктә шылтыратыуҙар ҡабул итеүсе операторҙарҙан тыш, медицина эксперттары – Башҡортостан медицина университеты уҡытыусылары, Роспотребнадзор, Росздравнадзор хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар квалификациялы консультация бирәсәк. Шулай уҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 8(347) 286-58-27, 279-91-20 “ҡыҙыу линия” телефоны ла бар. Табипты 1301 номеры буйынса саҡыртырға йәиһә doctor.bashkortostan.ru берҙәм медицина порталында “Пациенттың шәхси кабинеты” һәм “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы аша ҡабул итеүгә яҙылырға мөмкин. Фото: bioform.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Башҡортостанда коронавирусты йоҡторғандар һаны 5921-гә етте, тәүлек эсендә улар йәнә 46 кешегә артты, тип хәбәр итә стопкоронавирус.рф порталы. Пандемия осоронда бөтә һауыҡҡандарҙың иҫәбе - 3994. Рәсәйҙә тәүлектә яңы сирлеләр һаны 6 615-кә еткән, 3615 ауырыу һауыҡҡан, 130 пациент вафат булған. Әле эҫе көндәр тора, халыҡ йылға-күл буйҙарында ял итә. "Роспотребнадзор"ҙан хәбәр итеүҙәренсә, һыу ингәндә сирҙе йоҡтороуҙан хәүефләнергә ярамай, сөнки вирус һыуҙа һәләк була. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына ҡояш нурҙары ныҡ тәьҫир итә, ә вирус уға бирешә. Коронавирустың һыу аша йоғоуы тураһында раҫланған мәғлүмәт юҡ. Әммә һыуҙа башҡа инфекцияларҙы йоҡтороу ихтималлығы көслө, тип иҫкәртә "Роспотребнадзор", мәҫәлән, лямблиоз, ротавирус, церкариоз, дизентерия, сальмонеллез... Киҫкен респиратор билдәләре һиҙелгәндә, тәндә йәрәхәттәр, яралар булғанда, һыу инергә ярамай. Һыу ингәндән һуң өйҙә таҙа һыу менән ҡойонорға тәҡдим ителә. Фото: Inetmnenie.ru. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Yil-ala-virus-barmi-363040/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Әммә хәлдәр икенсерәк йүнәлеш алған. Ғөмүмән, күптәр бындай ҡот осҡос ваҡиғалар ҡурҡыныс фильмдарҙа ғына була тип уйлай... Күрше Татарстан Республикаһында ҡурҡыныс фильмдарҙа ғына күрергә мөмкин булған ҡот осҡос ваҡиға булған. Татарстанда бер егетте 14 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә маташҡан өсөн 9 йыл да 1 айға ҡаты режимлы колонияға ултыртырға хөкөм ҡарары сығарылған. Был турала Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк буйынса идараһының рәсми сайтында хәбәр ителә. Тәфтишселәр фаразы буйынса, 2020 йылда 19 йәшлек егет социаль селтәрҙә үҫмер ҡыҙ менән таныша, апрелдә уның менән енси мөнәсәбәткә инә. Аҙағыраҡ үҫмер уға үҙенең ауырға ҡалыуы тураһындағы шиген белдергәс, егет енәйәт яуаплылығынан ҡурҡып, 14 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә уйлай. Тикшереүселәрҙең мәғлүмәте буйынса, ир ҡыҙҙы ауылға алып килә, шунда уны туҡмай, быуып үлтерергә маташа. Ҡыҙ аңын юйғас, машинаһының багажнигына һалып, ситкә алып сыға һәм бер соҡорға ырғытып, уны ботаҡтар менән күмеп ҡуя. Шулай итеп, ул ҡыҙ менән мөнәсәбәттәрен өҙөп, унан мәңгелеккә ҡотолорға уйлай. Тик ҡыҙ баланың ғүмере бөтмәгән булғандыр, күрәһең, бер нисә сәғәттән ул аңына килә, соҡорҙан сығып, юлға тиклем барып етә ала. Унда инде үҫмергә ярҙамға килеүсе кешеләр табыла. Суд ҡарары менән 19 йәшлек егеткә бер нисә статья буйынса туғыҙ йыл да бер айға ҡаты режимлы колонияға ултыртырға тигән хөкөм ҡарары сығарылған. Фото: ru.depositphotos.com Автор: Аклима Гизатуллина https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/M-gelekk--otolor-a-uyla-an-562443/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.