text
stringlengths
433
77.6k
Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип уйлайым. Ни өсөн, тиһегеҙме, сөнки минең таянысым, кәңәшсем, берҙән-берем, ғәзиз әсәйем бар! Инде үҙем 4 бала әсәһе булһам да, уның өсөн мин һаман сабый. Әсәйемдең “балам” тип өндәшеүен ишетеү – үҙе оло бәхет! Кеше ғүмерен иҫеп кенә киткән елгә, осоп ҡына үткән ҡош юлына тиңләйҙәр. Уйлап ҡараһаң, ысынында шулай бит... Ҡасан ғына әле тыуған нигеҙебеҙҙә атай-әсәй, бер туғандар шау-гөр килешә инек, инде төрлөбөҙ-төрлө тарафтарға таралышып, һәр беребеҙ үҙ ояһын ҡорҙо. Хәҙер инде үҙебеҙ атай-әсәй. Хатта өләсәй-олатай булырға ла өлгөрҙөк. Беҙ, балалар, нисә генә йәшкә етһәк тә, атай-әсәйҙәр һәр саҡ йөрәк түрендәге иң яҡын кешеләребеҙ булып ҡала. Минең әсәйем, Ғәлиә Мырҙағолова, Үтәк ауылында Фәтиха һәм Шәфҡәт Ғиззәтуллиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һала. Бала сағы бик ауыр һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, мәктәптә тулы белем алыу бәхетенән мәхрүм була. Атаһын һуғышҡа алып киткәндә, әсәһе 5 бала менән тороп ҡала. Әсәйебеҙ ауырлыҡтарға бирешмәй: бала ғына көйө һарыҡ фермаһында эшләй, кирбес һуға, әсәһенә оло ярҙамсы була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы сөгөлдөрсө булып эшләп, һәр саҡ алдынғылар рәтендә иҫәпләнә. 1954 йылда атайыбыҙ Әнүәр Талип улы менән тормош ҡороп, 3 ул һәм 5 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Атайыбыҙ ҙа бик тырыш, 55 йыл ғүмерен тыуған колхозында механизатор булып эшләүгә бағышланы, ғаиләһе өсөн ҙур, яҡты йорт төҙөнө. Улар бар балаларына ла тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иттеләр. Тормош күгендә осарлыҡ, бейеклектәрҙе яуларлыҡ көс биргән өсөн, сәләмәт тән, зирәк аҡыл, һеҙҙең ярҙам менән алған белемдәребеҙ, күркәм, йылы тыуған йортобоҙҙа наҙлап үҫтергәнегеҙ, ғүмер биргән Аллаға, йән биргән әсәйебеҙгә, ҡанат биргән атайыбыҙға беҙ бик рәхмәтле. Быйыл әсәйебеҙгә 90 йәш тула. Донъяның ауырлыҡтарын үҙ иңендә күп татығанғамы, элекке хәтирәләре бөгөнгөләй иҫендә уның. Әлбиттә, әсәйебеҙҙең уҙған тормош юлы бал да май ғына түгел, яҙмыш төрлөсә һынай уны. Үҙҙәренең 8 балаһы янына, әсәйемдең йәшләй гүр эйәһе булған бер туған апаһының 6 балаһын да һыйындырып тәрбиәләй улар. Атайыбыҙ вафатына ла 10 йыл ваҡыт уҙҙы. Әсәйебеҙҙе бала хәсрәте лә урап үтмәне – Рәзилә апайыбыҙҙы һәм Йәһүҙә ағайыбыҙҙы юғалтыу яраһы күңелен әрнетә. Яратҡан ейәне Рөстәмде юғалтыуҙы ла ауыр кисерҙе. Нисек кенә булмаһын, әсәйебеҙ бөгөнгө тормошонан бик ҡәнәғәт. Әле Красноусол ауылында йәшәүсе ҡыҙы Гөлфирә менән кейәүе Александр тәрбиәһендә көн итә. Тән сихәтлегенә ҡыуанып, тыныс һәм имен тормошҡа һөйөнөп йәшәй ул. Ҡалған балалары ла был йортта йыш ҡунаҡ, әсәйебеҙҙең һәр саҡ хәлен белешеп торабыҙ. 19 ейәне һәм 18 ейәнсәре лә йәшәргә дәрт бирә. Тиҫтәләргә тиҫтәләрҙе ҡушып, ғүмер йомғаҡтарын һүтһә лә, күңел матурлығын һаҡлап, аҡыллы кәңәштәрен әле лә балаларына биреп йәшәй ул. Беҙҙе үҙе кеүек итәғәтле, сабыр, түҙем булырға, тормоштоң ҡәҙерен белеп, һәр тыуған көнгә һөйөнөп йәшәргә өйрәтә әсәйебеҙ. Беҙ әсәйебеҙҙең иҫәнлегенә ҡыуанабыҙ, уға ҡарап һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ насип булһын ине әсәйебеҙгә, тибеҙ. Гөлназ МАННАНОВА. Үтәк ауылы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Һин баймы, әллә ярлымы? Белгегеҙ килһә, Башҡортостан кешеләренең 12,1 проценты ярлылыҡ сигендә йәшәй, ә 1,95 проценты үтә ярлылар рәтендә иҫәпләнә. Бындай һығымтаны Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән кешеләрҙең килемдәрен иҫәпләгәс, “РИА Новости” аналитиктары яһаған. Байлыҡ һәм ярлылыҡ күрһәткестәрен иҫәпләүҙең үҙ формулаһы бар: халыҡтың уртаса килеменә нисә тауарҙар һәм хеҙмәттәр тупланмаһы һатып ала алыу мөмкинлеге сағыштырыла. Был тупланмаға ит, колбаса, балыҡ, һөт ризыҡтары, икмәк, сәй, бакалея, кейем-һалым, аяҡ кейеме, дарыуҙар, коммуналь хеҙмәттәр һәм юл йөрөү хаҡы инә. Һин айлыҡ килемеңә ошондай нисә тупланма һатып ала алаһың? Тап ошо күрһәткес буйынса байҙар һәм ярлылар асыҡлана ла инде. Шулай итеп, Башҡортостанда ул 1,54-те тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса беҙ илдә 29-сы урында. Илебеҙҙәге иң бай кешеләр ҡайҙа йәшәй тип уйлайһығыҙ? Ямал-Ненец автономиялы округында икән. Улар уртаса айлыҡ килеменә 3,05 тупланма һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Икенсе урында – Ненец автономиялы округы (2,88) һәм өсөнсө урында – Чукотка автономиялы округы (2,38). Иң ярлылар иһә Тыва республикаһында йәшәй. Уларҙың килеме был тауарҙар тупланмаһының ни бары 0,88-гә тиң өлөшөн ҡаплауға ғына етә. https://bash.rbsmi.ru/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин изге Рамаҙан айы башланыр алдынан мосолмандарға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны һәм коронавирус буйынса карантин ваҡытында аралашыу, мәғлүмәт менән алмашыу өсөн күберәк заманса бәйләнеш каналдарын ҡулланырға саҡырҙы. «23 апрелдә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана, беҙ, мөьмин мосолмандар, ураҙа тотабыҙ. Быйыл ул 30 көн — 24 апрелдән 23 майға тиклем бара. 24 май — Ураҙа байрамы. Ошо изге ай тыныслыҡта һәм именлектә үтһен», — тип белдерҙе ул. Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө үҙенең мөрәжәғәтендә белдереүенсә, ураҙа «ата-бабаларыбыҙҙың да тормошонда» булған бәлә-ҡазаларҙы һәм мохтажлыҡты үткәреп ебәрергә ярҙам итә. Уның һүҙҙәренсә, диндар кеше үҙенең тыуған илен намыҫ менән һаҡлаған. Шуға күрә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын «үҙ ваҡытындағы парад менән булмаһа ла, ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн ғүмерен биргәндәр өсөн доғалар менән» билдәләрбеҙ. «Алла бирһә, был эпидемиялар ҙа үтер, ҡәҙимге тормош башланыр. Ураҙа тотҡанда йәшәүҙең нимә икәнен аңлауға ваҡыт бүлергә, ошо айҙы изгелек ҡылыуға, яңғыҙҙарға, өлкәндәргә, мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышларға тейешбеҙ. Мәсеттә йәмәғәт намаҙҙарын, йома намаҙҙарын уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм булһаҡ та, хәҙер иҫ киткес киң мәғлүмәт саралары, телевидение, телефондар, интернет бар – быларҙың барыһы ла күңел асыу өсөн генә түгел. Бында бер-берең менән аралашырға, белем менән уртаҡлашырға, тирә-йүндә барған хәл-ваҡиғаларҙы күрергә мөмкин. Рамаҙан байрамын да рәхмәт һүҙҙәре, ошо һәм мәңгелек донъя бәхетенә ышаныс менән ҡаршы алырбыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Тәлғәт Тажетдин. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин изге Рамаҙан айы башланыр алдынан мосолмандарға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны һәм коронавирус буйынса карантин ваҡытында аралашыу, мәғлүмәт менән алмашыу өсөн күберәк заманса бәйләнеш каналдарын ҡулланырға саҡырҙы. «23 апрелдә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана, беҙ, мөьмин мосолмандар, ураҙа тотабыҙ. Быйыл ул 30 көн — 24 апрелдән 23 майға тиклем бара. 24 май — Ураҙа байрамы. Ошо изге ай тыныслыҡта һәм именлектә үтһен», — тип белдерҙе ул. Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө үҙенең мөрәжәғәтендә белдереүенсә, ураҙа «ата-бабаларыбыҙҙың да тормошонда» булған бәлә-ҡазаларҙы һәм мохтажлыҡты үткәреп ебәрергә ярҙам итә. Уның һүҙҙәренсә, диндар кеше үҙенең тыуған илен намыҫ менән һаҡлаған. Шуға күрә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын «үҙ ваҡытындағы парад менән булмаһа ла, ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн ғүмерен биргәндәр өсөн доғалар менән» билдәләрбеҙ. «Алла бирһә, был эпидемиялар ҙа үтер, ҡәҙимге тормош башланыр. Ураҙа тотҡанда йәшәүҙең нимә икәнен аңлауға ваҡыт бүлергә, ошо айҙы изгелек ҡылыуға, яңғыҙҙарға, өлкәндәргә, мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышларға тейешбеҙ. Мәсеттә йәмәғәт намаҙҙарын, йома намаҙҙарын уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм булһаҡ та, хәҙер иҫ киткес киң мәғлүмәт саралары, телевидение, телефондар, интернет бар – быларҙың барыһы ла күңел асыу өсөн генә түгел. Бында бер-берең менән аралашырға, белем менән уртаҡлашырға, тирә-йүндә барған хәл-ваҡиғаларҙы күрергә мөмкин. Рамаҙан байрамын да рәхмәт һүҙҙәре, ошо һәм мәңгелек донъя бәхетенә ышаныс менән ҡаршы алырбыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Тәлғәт Тажетдин. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Башҡортостанда дүшәмбе, 21 июндән, мәҙәниәт учреждениеларына һәм спорт объекттарына вакцинация тураһында сертификат йәки антиесемдәрҙең булыуы хаҡында белешмә менән генә инергә мөмкин. Башҡортостанда дүшәмбе, 21 июндән, мәҙәниәт учреждениеларына һәм спорт объекттарына вакцинация тураһында сертификат йәки антиесемдәрҙең булыуы хаҡында белешмә менән генә инергә мөмкин. Был хаҡта Медицина хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. «Хәҙер бөтәбеҙ өсөн дә төп бурыс – вакцинация», — тине республика етәксеһе. 17 июндә коронавирус йоҡторғандар өсөн 500 койка әҙерләү тураһында билдәле булды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, Бишкәктә Башҡортостандың сауҙа йорто асылды. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, Бишкәктә Башҡортостандың сауҙа йорто асылды. Коммерцияға ҡарамаған ойошма, ике республиканың хөкүмәттәре ярҙамына таянып, башҡорт һәм ҡырғыҙ эшҡыуарҙарының башланғысы менән булдырылды. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ойошма идаралығының йәмәғәт башланғысындағы рәйесе итеп Ҡырғыҙ Республикаһынан Кочконбай Майлубашов билдәләнгән. Сауҙа йорто эшмәкәрлеге ике республика араһындағы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә, уларҙа башҡорт ризыҡтарын күбәйтеүгә йүнәлтеләсәк, бизнес-турҙар ойоштороуға, берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерәсәк тип күҙаллана. Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”. https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Milli-proekt-bash-ort-men-n-ir-i-ara-i-ta-i-la-ya-inay-i-58146/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Бүләкләү тантанаһында йәш яҙыусының кейеме күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Айгиз Баймөхәмәтов нимә тип яуапланы? Хәбәр итеүебеҙсә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаһы алғандар араһында быйыл “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов та булды. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ошо тантанала уның кейеме күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. “Айгиз, был костюмды ҡайҙан алдың?” тип һорағандар күп булған. "Рәсәйҙә, сит илдәрҙә китап уҡыусылар менән йыш осрашам. Ошондай сәфәрҙәр ваҡытында үҙебеҙҙең милли колоритты сағылдырған кейемдә күренге килде. Уны миңә дизайнер Радик Хәйруллин текте. Бик уңайлы һәм стилле кейем. Күптәр ҡыҙыҡһына, ательеның адресын һорай. Тиҙҙән беҙҙең милли костюм бик таралыу алыр, тип уйлайым. Үҙенең үрнәгендә халҡыбыҙ күңелендә мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөүҙе, ихтирамды арттырған республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәт. Үҙем иһә сит илдәргә барғанда заманса башҡорт костюмын күрһәтә аласағыма бик шатмын", – тине Айгиз Баймөхәмәтов. Ысынлап та, киләһе йылда республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үтергә торғанда, нәҡ беҙҙең милләткә генә хас, уның тарихын сағылдырған эшлекле кейемдең барлыҡҡа килеүе мәҙәниәт тормошонда оло ваҡиғаға тиң. Уны республика Башлығы Радий Хәбировтың башлап ебәреүе мәртәбәне тағы ла арттыра. Фото “Бәйләнештә” социаль селтәренән. Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/folkloriada/Aygiz-bil-kostyumdi-ay-an-aldi-362950/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Әсәйҙәрҙең балалары өсөн теләгән теләктәре, ҡылған доғалары бик тиҙ ҡабул була, сөнки әсәй доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ. Улар өсөн, беҙ — әсәйҙәр ҙә һорамаһа, кем һорар, доғаны һәр ваҡыт ҡылырға мөмкин. Аллаһы Тәғәлә Үҙенән һораусыларҙы, доға менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе ярата!!!!!!!!! Йә Аллаһ! Һинең Гүзәл Исемдәрең менән Һинән һорайбыҙ, Һиңә ялбарабыҙ беҙҙең балаларыбыҙҙы Үҙеңдең Рәхмәтең менән солғап ал!!!!! Йә Раббым! Уларға хәйерле, сәләмәт оҙон ғүмер бир, балаларыбыҙҙы Үҙеңә ғибәҙәт ҡылыусыларҙан һәм Үҙең ҡушҡандарҙы үтәүселәрҙән ит!!!!! Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт һәм көсһөҙҙәренә көс һәм ауырыуҙарына шифа бир!!!!!!!! РАББЫМ, уларҙың тәндәрен нығыт, күреүҙәрен, ишетеүҙәрен камил ҡыл, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп тәрбиәлә!!!!! Йә Аллаһым Үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларыбыҙҙы ауырыуҙарҙан, хаталарҙан, гонаһтарҙан һәм аҙашып яман юлдарға кереп китеүҙәрҙән һаҡла, уларҙы Үзеңә тоғролоҡло итеп тәрбиәлә!!!!! Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙы атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт итеп тыңлай торған ит, атай-әсәйҙәренә ҡарата ҡаты бәғерле, тыңлауһыҙ булмаһындар, Йә Раббым!!!!!!!! Йә Аллаһым, беҙгә балаларыбыҙҙы юғары әхләҡлы һәм ныҡлы иманлы итеп үҫтерергә ярҙам ит!!!!!!!!!! Раббым, беҙ үҙебеҙҙең нәҫелебеҙҙе тәрбиәләүҙе Һиңә ышанып тапшырабыҙ!!!!!!!! Йә Аллаһым, Һин Үҙеңдең ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы төрлө яуыз сирҙәрҙән таҙарт һәм әхләҡһыҙлыҡтан имен ҡыл. Беҙ уларҙы Һиңә тапшырабыҙ! !!!!!!! Йә Раббым, Һин уларҙы көндөҙ һәм кистәрен тарала торған бар төрлө яуызлыҡтарҙан, яман ғәҙәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, кемде лә булһа хаҡһыҙға рәнйетеүҙәренән һәм үҙҙәрен дә хаҡһыҙға рәнйетеүҙән, көнсөл кешеләрҙең күҙ ҡарашынан һаҡла, яҡла, Үҙеңдең рәхмәтең менән уратып ал!!!!!!! Йә Аллаһым, беҙҙең балаларыбыҙҙы бөтөн яҡлап, өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да, алдан да һәм арттан да зыян килмәҫлек итеп, яуыз бәндәләрҙең, яуыз хайуандарҙың, тәбиғәт бәлә-ҡазаларының һәм юл һәләкәттәренең зыяны теймәҫлек итеп һаҡлауыңды Үҙеңдән, ялбарып-ялбарып, һорайбыҙ!!!!!!!!! Йә Аллаһ, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ һәм күңел шатлығыбыҙ булһа ине!!!!!!!!! РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп үҙгәрт, балаларыбыҙ Һине яратыусыларҙан булһындар һәм һине яратыуслырҙы яратһындар!!!!! Йә Аллаһ, балаларыбыҙға был донъяла ла, ахирәттә лә кәрәкле, файҙалы булған белем бир, ул белем уларға Һине яратырға һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәп йәшәп, мәңгелеккә киткәндә иманлы бәндәләр булып китергә ярҙам итһен!!!!!!!! Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет, тәүфиҡ, һидәйәт һәм иман байлығы, үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ла ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙҙәренә ҡарап тилмереп йөрөүҙәрҙән Үзең һаҡла!!!!!!!!!! Йә Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт йөрәк, мәрхәмәт, шәфҡәт, алған белемдәре менән башҡаларға ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм әхләҡ бир!!!!!!!! Йә РАББЫМ,балаларыбыҙҙы түбәнлеккә төшөүҙән һәм хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай шатлыҡ бир, ул шатлыҡ беҙгә лә шатлыҡ китерһен!!!!!!!! Йә Аллаһ, балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғел,тулы иман бир!!!!!!! Йә Аллаһым, балаларыбыҙ Ҡиәмәт Көнөндә йәннәткә инеү өсөн беҙҙең дәлилдәребеҙ булһындар. Амин!!!!! Сығанаҡ: "Иман нуры" төркөмө. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышында әсәләрҙең һөнәри квалификацияһын күтәреү мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда әсәләрҙең һөнәри квалификацияһын күтәреү мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Һүҙ декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген биргән махсус программа хаҡында бара, унда рәсми эш урыны булған, әле өс йәшкә тиклем сабыйын ҡарау ялындағы ҡатындар ҡатнаша ала. Ултырышта әсәләргә һөнәри белем биреү эшен ойоштороусы юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға (дәүләт һәм муниципаль учреждениеларынан тыш) республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибе раҫланды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, был сара ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы “Демография” милли проекты сиктәрендәге “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу ” төбәк проектына ярашлы ойошторола. Декрет ялындағы ҡатындарға һөнәри белем биреүҙең маҡсаты – уларҙың квалификацияһын күтәреү, теоретик һәм практик белемен, оҫталығын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлек буйынса өр-яңы техниканы, технологияларҙы өйрәтеү, ғәмәлдәге квалификацияға ярашлы эш таба алмауға бәйле һөнәрҙе, специальносты, мәшғүллекте үҙгәртеү. – Әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү, белем тураһындағы сертификаттар тапшырыу, эш биреүселәрҙе субсидиялау кеүек ғәмәлдәр мәшғүллек үҙәктәре йүнәлешендә башҡарыласаҡ. 2019 йылда төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә декрет ялында булған 545 ҡатын белем алған, – тине Ленара Хәким ҡыҙы. Фото: pravitelstvorb.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/s-l-r-s-n-m-mkinlekt-r-k-p-117320/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Архангел ауыл биләмәһе башлығы М.П.Адамчук район үҙәге халҡы менән йыйылыш үткәрҙе. Уның эшендә райондың төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы С.В.Дунаев ҡатнашты. Граждандар ауыл советы тарафынан уҙған йылда башҡарылған эштәр, шулай уҡ ағымдағыһына ҡуйылған маҡсаттар менән танышты. Бер рәттән сарала ҡатнашыусылар янғын хәүефһеҙлеге, биләмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса мәғлүмәт алды. Альберт Рәхимов. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Рәсәй Президенты Владимир Путин Халыҡ-ара онкология һәм радиология форумы ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтарына сәләмләү һүҙен еткерҙе. Телеграмма дүшәмбе Кремлдең сайтында урынлаштырылды. “Яман шештәргә бәйле ҡатмарлы һәм хәүефле ауырыуҙар, онкология ауырыуҙарының таралыуы бөгөн бөтә кешелек өсөн проблема, - тине Путин. – Уны хәл итер өсөн иң яҡшы клиник практикалар менән уртаҡлашыуға, стандарт булмаған саралар эҙләүгә, һанлы һәм ядро технологиялары мөмкинлектәре интеграцияһына йүнәлтелгән киң халыҡ-ара кооперация кәрәк”. Президент шулай уҡ онкология ауырыуҙарын һөҙөмтәле дауалау илебеҙҙең һалыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын да билдәләне. Путин табиптарҙың, фәнни, мәғариф берләшмәләрҙең тығыҙ хеҙмәттәшлеге онкология ауырыуҙарының таралыуы, асыҡланыуы, профилактикаһы менән бәйле проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк тигән ышанысын белдерҙе. #владимирпутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Был бәйге интернет селтәрендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен популярлаштырыу, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген һәм бәлиғ булмағандарҙың һанлы грамоталылығын күтәреүгә йүнәлтелгән.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Мәғарифты үҫтереү институты "Селтәр" республика конкурсының башланыуы хаҡында хәбәр итә. Был бәйге интернет селтәрендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен популярлаштырыу, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген һәм бәлиғ булмағандарҙың һанлы грамоталылығын күтәреүгә йүнәлтелгән. Әлеге конкурс 12 февралдән 31 мартҡа тиклем уҙғарыла. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 12 мартҡа тиклем [email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://irorb.ru/selter сайтында алырға мөмкин. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Ил Президенты Владимир Путин ТАСС-тың “Владимир Путинға 20 һорау” тигән махсус проекты өсөн эксклюзив интервью биргән. Ил Президенты Владимир Путин ТАСС-тың “Владимир Путинға 20 һорау” тигән махсус проекты өсөн эксклюзив интервью биргән. Дәүләт башлығы менән билдәле журналист Андрей Ванденко аралашҡан. Был әңгәмәнең өҙөктәрен әле үк социаль селтәрҙәрҙә һәм “Youtube” каналында ҡарарға мөмкин. Интервьюла Владимир Путин Президент булыуы нисек икәнлеген һөйләгән, ни өсөн һәм ниндәй ҡарарҙар ҡабул итергә тура килеүе тураһында әйткән. Һорауҙар араһында Хөкүмәт отставкаһы тураһындағыһы ла бар, Украина лидеры Владимир Зеленский менән уртаҡ фекергә килешеү мөмкинлеге лә ҡаралған. Был турала ТАСС-тың “Фейсбук”тағы сәхифәһендә анонс бирелгән. “Һеҙ бит минең тормош менән йәшәмәйһегеҙ”, - ти Владимир Путин. “Беҙгә бардак кәрәкмәй, шоу ҙа кәрәк түгел... Миңә Бөйөк Рәсәй кәрәк”, - тигән дәүләт башлығы. Интервьюның тулы вариантын 20 февралдә мәғлүмәт агентлығының барлыҡ онлайн майҙансыҡтарында ҡарарға мөмкин буласаҡ. #ВладимирПутин Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
"Был берәмтәләп һатыуға ла, ташламалы дарыуҙарға ла, стационар шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дарыуҙарға ла ҡағыла”. Дарыуҙар менән хәл нисек? Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Ирина Кононова республика дауаханалары өсөн ташламалы дарыуҙарҙы, препараттарҙы бүлеү һәм уларҙың запасы тураһында һөйләгән. “Милли медицина мәғлүмәт үҙәктәре тарафынан ай һайын эндокринология, терапия, гериатрия һәм башҡа ауырыуҙар буйынса дарыу препараттары һатып алыу, ташыу буйынса прогноздар эшләнә. Был берәмтәләп һатыуға ла, ташламалы дарыуҙарға ла, стационар шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дарыуҙарға ла ҡағыла”, - тип белдерҙе ул. Ирина Кононова шулай уҡ Рәсәйҙә дарыуҙарға контроль “Ғәҙел билдә” тауарҙарҙы маркировкалау һәм тикшереү берҙәм милли системаһы тарафынан атҡарылыуын билдәләне. “2020 йылдан етештереүселәрҙән һәм ташыусыларҙан препараттар ҡалдығы күҙәтелеп бара. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикованың ҡушыуы буйынса, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтары берлектә төбәктәрҙә ошондай ҡалдыҡтарҙы күҙәтеү өсөн һанлы системалар булдырған. Ай һайын онкологик һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау өсөн препараттар буйынса инциденттар алып барыла”, - тип белдергән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. Фото: pharmvestnik.ru Автор:Айһылыу Низамова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Республика буйынса 485 күп фатирлы йортта йәшәүселәр, уларҙың күпселеге баш ҡалаға ҡарай, ни өсөн йылылыҡ өсөн өсләтә күберәк түләргә бурыслы? Йылылыҡ өсөн ҙур хаҡ менән иҫәптәр килгән йорттарға алдағы ике аҙна эсендә махсус комиссия барасаҡ. Комиссия составына торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма белгестәре, йәмәғәтселәр индерелгән. Бындай ҡарар республика Хөкүмәтендәге кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде. Халыҡтан бик күп ялыуҙар килеүе быға сәбәпсе булды. Башҡортостан буйынса 500-гә яҡын күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йылылыҡ өсөн графаһында бынан алдағы айҙағы менән сағыштырғанда өсләтә хаҡ иҫәпләнгән квитанциялар алған. «БашРТС» ЯСЙ-һы директоры урынбаҫары Ирина Попова әйтеүенсә, Бөтә эш йылылыҡ өсөн ҡабаттан иҫәпләүҙә ти ул. Мәғлүм булыуынса, уҙған йылдың сентябрендә республика яңы схемаға күсте: торлаҡ эйәләре йылылыҡ өсөн элеккесә тигеҙ итеп йыл әйләнәһенә түгел, ә факт буйынса, йәғни йылытыу миҙгелендә генә түләй. Әйтергә кәрәк, «БашРТС» һуңғы квитанциялағы сумманы бүлеп түләү мөмкинлеген белдерҙе. БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ҡотлоғолов та халыҡтың мөрәжәғәттәренә яуап итеп, килеп тыуған хәлде йыл һайын башҡарылған корректировкаға бәйле тип аңлатты. Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма исраф ителгән йылылыҡ өсөн ағымдағы йылытыу миҙгелендә 66 миллион ярым аҡса иҫәпләнеп еткерелмәүен белдерҙе. «БашРТС» күп фатирлы йорттарҙа ҡуйылған иҫәпләү приборҙары күрһәткестәренә нигеҙләнә. Әммә ҡайһы бер адрестар буйынса йылылыҡ иҫәпләгестәрҙең төҙөк булмауы, дөрөҫ күрһәтмәүе лә ихтимал. Уларҙың төҙөклөгөн, ҡабаттан иҫәпләүҙең тоғролоғон үрҙә әйтелгән комиссия тикшерәсәк. – Күпкә артыҡ түләмдәр иҫәпләнгән йорттарға бергәләп барып, иҫәпләгес приборҙарының нисек эшләүен ҡараясаҡбыҙ. Унан һуң түләмдәр иҫәпләүҙе ҡабаттан ҡарап, уның һөҙөмтәләре буйынса халыҡҡа аңлатма бирәсәкбеҙ, – тине БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәңгәрәев. «БашРТС» был ҙур сумманы бары бер тапҡыр ғына түләргә тура киләсәк, тип ышандыра. Торлаҡ кодексына ярашлы, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма халыҡҡа бурысты түләү өсөн өс айға проценттарһыҙ бүлеп түләү мөмкинлеген бирергә тейеш. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Гәзиттәге “Һандыҡтарҙа - ҡомарт­ҡылар” рубрикаһы аҫтында яҙылған мәҡәләләр күңелем ҡылдарын тибрәлтте. Тәслимә әбейем Ғөбәйҙуллина хаҡындағы иҫтәлектәр яңырғандай булды. Хөрмәт иткән, яратҡан, йылдар үткән һайын һағынып иҫкә алған әбейем тураһындағы хәтирәләрем менән гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашҡым килә. Ул башҡорт халыҡ күлдәктәрен кейергә яратты. Уларға өҫтәп, биҙәүестәр, түшелдерек таға ине. Ә яулығын һәр саҡ дүрткелләп ябынды. Уның милли кейемдә төшкән фотоһын да ҡәҙерләп һаҡлайым. Әбейем Тәслимә Фәйзулла ҡыҙы 1925 йылда Ғафури районының Тайыш ауылында Зәкирә һәм Фәйзулла Атанғоловтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға ауаз һала, унан һуң Рәшит бабайым, Гөлсөм әбейем һәм төпсөк ҡыҙ – әсәйем Клара тыуа. Улар - донъяның әсеһен, ауырлығын үҙ елкәләрендә татыған һуғыш балалары. Шуға ла тормоштоң ҡәҙерен ныҡ белеп йәшәнеләр. Донъя булғас, төрлө саҡтар булғандыр, әммә уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ парҙарын табып, ғаилә ҡороп йәшәһәләр ҙә, һәр ваҡыт туғандар булып, аралашып, шатлыҡ-ҡыуа­ныстарҙы, юғалтыу-табыштарҙы ла бергә үткәр­ҙеләр. Ә Тәслимә әбейем һәр бер туғанын үҙ ҡанаты аҫтына алып, ауырлыҡтарҙы үҙе аша үткәреп, “мин оло апай” тигән титулын һуңғы һулышына тиклем үтәне. Ул һуғышта һыңар ҡулын өҙҙөрөп ҡайтҡан Лотфулла бабайым менән сәстәрен-сәскә бәйләп, 12 балаға ғүмер бүләк иттеләр. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре, тыуа­лары 100-ҙән уҙып китте. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Хәтеремдә ҡалғаны тағы шул – улар “Әсәлек даны” миҙалын туҙанға батырып, һандыҡ төбөндә һаҡламаны, ә бер мәжлескә ҙур ғорурлыҡ менән әбейем таҡһа, икенсеһендә бабайымдың түшен биҙәр ине. Ҡайһы саҡ бабайым: “Ни эшләп ошо миҙалды “Герой атай” итеп тә сығармайҙар икән? Был миҙалда атайҙар өлөшө лә бар бит”, - ти торғайны. Әйткәндәй, бабайым хаҡлы ялға сыҡҡансы “Салауат” колхозында баш бухгалтер булды. Ә әбейем 12 баланы ҡарап өйҙә генә ятманы, колхоз эшенә лә, буш ваҡытында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашырға ла ваҡыт тапты. Ул матур итеп йырлап, ҡумыҙҙа уйнап, район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдар алды, лауреат исемдәренә лайыҡ булды. Тәслимә әбейем олоғая килә иһә дин юлына баҫып, иман нурҙарын сәсеүсе ағинәй булды. Бөгөн дә булмыштары менән тирә-йүнгә әҙәп-әхлаҡ таратыусы ағинәйҙәр артыуы ҡыуаныслы. Улар – йәмғиәтебеҙҙең ҡото һәм терәге. Гөлдәр Моратова. Шәрипҡол ауылы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, урамда хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә өйрәтеү - өлкәндәрҙең иң мөһим һәм яуаплы бурысы. Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, урамда хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә өйрәтеү - өлкәндәрҙең иң мөһим һәм яуаплы бурысы. Был юҫыҡта “Дельфин” 2-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында кескәйҙәрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Яңыраҡ беҙҙең балалар баҡсаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә, иҫкәртеүгә арналған сара үтте. Унда 6-сы урта төркөмдән “Светофор” командаһы һәм 2-се урта төркөмдән “Йәйәүле” командаһы ҡатнашты. Тәрбиәселәр Светлана Данилова менән Гүзәл Акшенцева, тәрбиәләнеүселәрен ҡеүәтләп бергә ярышты. Әкиәт персонажы Светофорҙы башҡарған Әлфиә Мостафина балаларға күңелле эстафеталар әҙерләгәйне. “Йөктө ташы”, “Пассажирҙарҙы йөрөт”, “Светофорҙы йый”, “Иғтибарлы водитель” этаптарын кескәйҙәр сәм менән башҡарҙы. Улар көс һынашып ҡына ҡалманы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса ла белем кимәлен күрһәтте. Ярышты ҡарарға йыйылған көйәрмән тәрбиәселәр, 9-сы төркөм балалары ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Улар юл хәрәкәте билдәләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Дәрт, көсөргәнеш менән барған эстафетала дуҫлыҡ еңде. Кескәйҙәр Маҡтау грамоталары һәм тәмле приз менән бүләкләнде. Сара бөтәһенең ҡатнашлығында флешмоб менән тамамланды.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлашҡан һайын ошо темаға ҡағылышлы сығыштар, һорауҙар арта бара.“Татар информ” мәғлүмәт агентлығындағы бер матбуғат конференцияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшинға “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа һин үҙеңде кем тип яҙҙыртырһың икән?” тигән һорау бирелә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлашҡан һайын ошо темаға ҡағылышлы сығыштар, һорауҙар арта бара. “Татар информ” мәғлүмәт агентлығындағы бер матбуғат конференцияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшинға “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа һин үҙеңде кем тип яҙҙыртырһың икән?” тигән һорау бирелә, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите. Иҫкәртеп үтәбеҙ: 2020 йылдың октябрендә уҙырға тейеш Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы илдәге пандемияға бәйле күсерелде – ул быйыл апрелдә уҙасаҡ. – Үҙемде “башҡорт” тип яҙҙырам, сөнки Башҡортостанда тыуғанмын, үҙем башҡорт һәм телем башҡорт, рухым башҡорт, йөрәгем башҡорт, – тип бик лайыҡлы яуап бирә йырсы. Билдәле яҡташыбыҙ Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә тыуған, ә тамырҙары Ғафури районына барып тоташа. Ул V класҡа тиклем тик башҡортса ғына һөйләшкән, рус телен йүнләп белмәгән. Фото: ok.ru Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында ҡарттар өсөн шәхси пансионатта булған янғын урынындағы оператив штаб барышында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә зыян күргәндәргә һәм мәрхүмдәрҙең туғандарына матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға, шулай уҡ һәләк булғандарҙы ерләүгә бәйле сараларҙы ойошторорға ҡушты. «Иҫән ҡалғандар буйынса һаулыҡ һаҡлау министрына – уларға күберәк иғтибар бүлеү, кәрәк икән, Өфөгә тән бешеү үҙәгенә эвакуациялау бурысын йөкмәтәм, — тине Хәбиров. – Бынан тыш, күрше йорт зыян күргән, унда бер оло йәштәге кеше йәшәй, уны төҙөкләндерергә ярҙам итербеҙ». Шулай уҡ зыян күргәндәрҙең һәм һәләк булғандарҙың туғандарына хәбәр ителгән. Урында психологтар эшләй. «Утты һүндереүҙә 33 кеше, 14 берәмек техника ҡатнашты. Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, йортто тулыһынса ут ялмап алған булған», — тине Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров. Хәбиров Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ошондай һәр учреждениела тикшереү үткәрергә ҡушты. «Беҙҙә 21 шундай учреждение бар, һәр береһе буйынса ведомство-ара комиссия төҙөп, уларҙы тикшереүегеҙҙе һорайым», — тине Хәбиров. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, бина ҡарттар йортон урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнмәгән, ә шәхси өй булараҡ теркәлгән. «Шуға күрә бында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек нормалары талаптарын боҙоу осраҡтары бар», — тине Андрей Назаров. Радий Хәбиров тикшереү һөҙөмтәләре буйынса шәхси ҡарттар йорттарын ойоштороу эшмәкәрлегенә лицензия биреү тураһында мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген билдәләне. https://www.bashinform.ru/bash/1534991/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Бушлай ер участкалары, ташламалы хаҡ буйынса фатир – ишле ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән был ярҙам төрҙәре бик яҡшы, ләкин уларҙы алыуға сират ҙурлығы бәкәлгә һуға. Уны нисек тиҙләтергә? 6 процентлы ипотека буйынса торлаҡты тәүге взносһыҙ һатыу мөмкинлеген табып булмаймы? Илебеҙҙең автомобиль етештереү сәнәғәте күп балалылар өсөн махсус ғаилә автомобиле сығарһа ине?! Штат ҡыҫҡартылғанда ишле ғаилә башлығы ниндәй өҫтөнлөккә эйә? Ҙур ғаиләләрҙең спорт менән шөғөлләнеүсе балаларына бушлай махсус кейем бирелһә ине?! Өфөлә үткән ““Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау: күп балалы ғаилә – милли идея” тигән түңәрәк өҫтәлдә күмәк ғаиләләр өсөн бик мөһим ошо һәм башҡа һорау-тәҡдимдәр яңғыраны. Федераль кимәлдә күп балалы ғаилә статусын билдәләгән һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә уларға берҙәм социаль ярҙам сараларын тәғәйенләгән хоҡуҡи акт булмауы хаҡында ла әйтеп үтелде. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүселәргә ярҙам тураһында ла һүҙ барҙы. Йәнле һөйләшеүҙе баш ҡалабыҙға килгән ҡунаҡ – Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева алып барҙы. Түңәрәк өҫтәл артындағы әңгәмәлә республикабыҙ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр, атайҙар, инвалид сабый үҫтереүсе ғаиләләр ҡатнашты. – Бөгөн күтәрелгән мәсьәләләрҙең күбеһен федераль кимәлдә белгестәр менән ҡарауға сығарасаҡбыҙ, – тине осрашыу аҙағында Светлана Чупшева. – Күп балалы ғаилә илебеҙҙә милли идеяға әйләнергә тейеш. Уға ҙурыраҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү зарур. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Районыбыҙҙа етəкселəр тарафынан оло йəштəгелəргə етди иғтибар бүленə, ихтирам да ҙур. Оло йəштəрен билдəлəгəн инəй-олатайҙарҙы өйҙәренә барып тəбриклəү, уларға ил Президентының ҡотлау хатын һәм бүләктәр тапшырыу – быға асыҡ миҫал. Хәтерләһәгеҙ, һуңғы айҙарҙа ғына район хакимиəте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин 90 йәшен билдәләгән бер нисә ветеранды ҡотлауы тураһында яҙғайныҡ инде. Ә ошо көндәрҙә ул Йылайыр ауылында йәшәгән тыл эшсәне Нина Ивановна Пряхинаны 95 йәшлек оло юбилейы менән ҡотланы. Нина Ивановна 1925 йылдың февраль айында күмәк балалы ғаиләлә тыуған. Ҡыҙға 10 йәштәр тирәһе булғанда атаһы мәрхүм булып ҡала. Был фажиғәне Нина Ивановна әле булһа яҡшы хәтерләй. Аҫыраусыһын юғалтҡан ишле ғаиләгә икеләтә ауырға тура килһә лә, әсәйҙәре балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, кеше итә. – Бала сағым ауыр булды, иртә йәштән ҡара эшкә егелдем. Сайыр йыйып, унан һағыҙ эшләй торғайныҡ. Һуғыш ваҡытында счетовод булып эшләнем, ауылдар буйлап йөрөп, фронтовиктарҙың балаларын ҡараныҡ. Колхозда ла аҙ тир түкмәнем инде, – тип хәтер ебен һүтә Нина Ивановна. 1946 йылда фронтовик Петр Евстифеевичҡа кейәүгә сыға. Йәштәр бер урамда йәшәгән һәм бер-береһен күптән белгән була. Иренең дә ғаиләһе ишлеләрҙән һанала. 1947 йылда Пряхиндарҙың ҡыҙҙары Надежда донъяға килә. Унан һуң улдары Александр тыуа. Шулай итеп, эшһөйәр ғаиләлә һәүетемсә йәшәп алып китә, балаларын кеше итеп, күҙле-башлы итә. Хәҙер Нина Ивановнаның өс ейәнсәре һәм бер ейәне, ете бүлә-бүләсәре бар. – Үлән ашап үҫтек. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡманыҡ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит, күп эшләгәнгә лә оҙаҡ йәшәйемдер, – тип йылмая 95 йәшен билдәләгән юбиляр. Нина Ивановна үҙ йортонда бер үҙе йәшәй. Йорт эштәрен үҙе башҡара, бөтә нәмәне тәртиптә тоторға тырыша һәм килгән һәр ҡунаҡты ихлас ҡаршы алып ултыра. Юбилярға матур ҡартлыҡ, балаларының имен-һау булыуын теләйбеҙ! В.КЛИМОВ фотоһы. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Пасха йәкшәмбеһендә Славянск блок-посындағы атыш Женевалағы Украина конфликтын йомшартыу хаҡындағы килешеүҙе боҙоуҙың бер миҫалы булып тора. Был турала Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдерҙе. Ул Украина властарын көрсөк нигеҙендә ятҡан сәбәптәрҙе юҡҡа сығарырға теләмәүҙә ғәйепләне һәм быға һәләтһеҙ булыуҙарын да әйтте. “Хәҙер иң мөһиме- көс ҡулланыуҙарға юл ҡуймау. Женева килешеүенең был беренсе пункты, ул бер-береһенә ҡаршы торған ике яҡҡа ла ҡағыла. Был мәсьәләлә лә, башҡаларында ла Женева килешеүе үтәлмәй, Киевта власты баҫып алыусылар Женева килешеүен тупаҫ рәүештә боҙа.” Көнбайыш күҙәтеүселәре иһә Украиналағы ваҡиғаларҙы Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған яңы закон менән бәйләй. Ул рус теле аралашыу теле булған һәм туғандары даими рәүештә бөгөн Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәп ятҡан йәки йәшәгән кешеләр өсөн Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңеләйтеүегә ҡайтып ҡала. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Хеҙмәт менән бергә йыр-бейеүҙән, сәнғәттән айырылмай, үҙ тормошона ғына түгел, башҡаларҙыҡына ла йәм биреп, рухи байлыҡ өләшеп йәшәүселәр аҙ түгел. Хеҙмәт менән бергә йыр-бейеүҙән, сәнғәттән айырылмай, үҙ тормошона ғына түгел, башҡаларҙыҡына ла йәм биреп, рухи байлыҡ өләшеп йәшәүселәр аҙ түгел. Һүҙем шундай кешеләрҙең береһе – Дүрмән ауылында йәшәүсе Сабирйән Фәттәхов (фотола) тураһында. Ауыл клубында уҡыусылар концерт ҡуя. Йырҙы бейеү, бейеүҙе шиғыр һөйләүселәр алмаштыра. Бына сәхнәгә бәләкәй генә буйлы бер уҡыусы сыға һәм халыҡ йырын һуҙып ебәрә. Ул йырлай башлауға халыҡ тын ҡала. Уҡыусы малайҙың йыры моң шишмәһеләй ағыла. Ул йырлап бөтөүгә тамашасы гөрләтеп ҡул саба, малайҙың тағы йырлауын һорай... Ана шулай сәхнәлә тәүге сығышында уҡ тамашасы хөрмәтен яулай 5-се класс уҡыусыһы Сабирйән Фәттәхов. Ул мәктәптә яҡшы уҡый, тыңлаусан, аралашыусан була, мәктәп тормошонда, үҙешмәкәр сәнғәттә әүҙем ҡатнаша. Матур итеп йырлай ҙа, бейей ҙә. Сабирйән 1941 йылдың авгусында донъяға килә. Атаһын хәтерләмәй ул. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, донъяның әсеһен-сөсөһөн бик йәшләй татырға тура килә уға. Әсәһе иртәнән кискә тиклем колхоз эшендә, сабый бала үләндәр, ҡатыҡ менән генә туҡланған әсәһенең күкрәк һөтөнә риза булып, сабыр ғына үҫә. Ашарға һорап ҡулын һуҙған балаһына бер һыныҡ икмәк тоттора алмауына йөрәге әрней Дөриәсмәнең. Ана шулай, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, тыуған еренән йәшәүгә көс, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙән моң алып, йырлы ла, моңло ла булып үҫә ул. Әйткәнемсә, мәктәптә яҡшы уҡый, ете йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлай. Әсәһе, ағайҙарының ярҙамы менән Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәбендә урта белем ала. Ул йылдарҙа 10 класс тамамлаған кеше уҡымышлы, белемле булып иҫәпләнә. 1962 йылда Йомаҙыбаш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай егет. 1974 йылда Сабирйән Фәттәхов Салмалы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Башланғыс кластар уҡытыусылары методик берекмәһендә докладтар менән сығыш яһай, асыҡ дәрестәр үткәрә, уның эшенә һәр саҡ ыңғай баһа бирәләр. Ул үҙешмәкәр сәнғәттә лә әүҙем ҡатнашты. Был йылдарҙа Салмалы мәктәбе уҡытыусылары ауыл йәштәре менән бергә спектаклдәр ҡуйҙы, уҡыусылар, уҡытыусылар һәр байрамға концерт әҙерләй. Әле лә хәтеремдә, Сабирйән Ә. Атнабаев, Н. Әсәнбаев әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарҙы. 1977 йылда Сабирйән Фәттәхов мәктәптең башҡа уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән бергә ике ҡатлы яңы мәктәп бинаһын төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Яңы мәктәптә урта кластарҙа тарих дәрестәрен уҡытты һәм мәктәп музейы эшен етәкләне. Музей өсөн экспонаттар йыйҙы, Дүрмән ауылында йылға буйынан табылған мамонт тешен ул алып килде. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, батырлыҡ дәрестәре үткәрҙе. 1979 йылда уны “Марс” колхозы профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп тәғәйенләнеләр. Алты йылдан һуң ул “Росгосстрах”ҡа страховка агенты булып күсте һәм 2001 йылда пенсияға сыҡҡансы ошо вазифала эшләне. 1968 йылдың 2 сентябрендә Сабирйән Дүрмән ауылы сибәре – эшһөйәр, аҡыллы Флүрә Хәмзә ҡыҙы менән матур ғаилә ҡорҙо. 50 йыл бергә, бер-береһен аңлап татыу ғүмер кисерә улар. Ғаилә үҙ-ара мөхәббәт һәм ихтирам үрнәге булып тора. – Бәхетте һәр кеше үҙенсә аңлай. Берәүҙәр өсөн ул байлыҡ, икенселәргә – власть, өсөнсөләргә – ғаилә бәхете, татыулыҡ һәм тыныслыҡ, яратҡан кешең, балаларың булыу, кешеләрҙең һине ихтирам итеүе, – ти Сабирйән Мөхәмәтгәрәй улы. Уның Флүрә менән үткән парлы ғүмер юлы ихтирамға лайыҡ. Сабыр ҡатын – һары алтын, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Флүрә уңған, асыҡ йөҙлө ханым. Улар үҙ-ара аңлашып, бер-береһенә терәк булып йәшәй. Тормоштары етеш, ихата тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, баҡсала йәшелсә, еләк-емеш һәм сәскәләр үҫтерәләр. Балҡып торған иркен йорт төҙөп инделәр. Ата-әсәнең иң ҙур байлығы – балалары, береһенән-береһе тырыш, уңған 4 бала үҫтерҙеләр, уларға шаулатып туйҙар яһап, үҙаллы тормош юлына баҫтырҙылар. Оло улдары Илгиз иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ҡатыны Ғәлиә Дүрмән мәктәбендә уҡыта, заманса яңы йорт һалды улар. Илмира Төмәнәк мәктәбендә уҡыта, ғаиләһе менән шунда йәшәй. Илис ғаиләһе менән Туймазы ҡалаһында төпләнде, ә кесе ҡыҙҙары Венера Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре улар янына йыш ҡайта, ярҙам итеп тора. Сабирйән “Аҡ шишмә” фольклор коллективы һәм “Балҡыштар” вокаль төркөмөнөң иң әүҙем ағзаһы. Төрлө йола, ғөрөф-ғәҙәттәр, халыҡ уйындары менән таныштыра ул ауылдаштарын. Сабирйән сәхнәне ғүмерлек юлдашы итте. Ҡайһы саҡта репетициялар кисен үтә, ауыл тормошоноң бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, клубҡа ашыға ул. Шулай, тормоштан йәм табып, булғанына шөкөр итеп, балалары һәм ейәндәренә үрнәк булып йәшәй улар. Артҡа боролоп ҡараһалар ҙа, һис үкенерлек түгел. Үткән юлдары һәр ваҡытта гөл-сәскәгә күмелмәһә лә, матур һәм бәхетле йылдар булған. Тормошонан ҡәнәғәт булғанғалыр, Сабирйән Мөхәмәтгәрәй улы бөгөн дә егеттәй дәртле, күңеле йәш уның. Ғүмеренең һәр миҙгелендә матур хәтирәләре бар һәм улар уның айырылмаҫ юлдашы. Киләсәктә лә яратҡан ғаиләһе менән тыуыр таңдарҙы бергәләп ҡаршыларға, аяҙ, зәңгәр күк йөҙөнә бергәләп һоҡланырға, тыныс, матур нигеҙҙәрендә оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
2 июлдә Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү уңайынан булырға тейешле салют күсерелде, тип хәбәр иттеләр мэриянан. 2 июлдә Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү уңайынан булырға тейешле салют күсерелде, тип хәбәр иттеләр мэриянан. Сәбәбе асыҡланмай. Яңы датаһы һәм ваҡыты һуңғараҡ иғлан ителә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Күреү һәләте насар булған уҡыусыларға хәҙер химия дәресе күпкә еңелерәк биреләсәк. Өфөләге 153-сө лицейҙың IX синыфында белем алыусы Михаил Щербаков Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап тапҡан. Бының өсөн уға ярты йыл ваҡыт китә. Күреү һәләте насар булған мәктәп уҡыусылары өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән интерактив таблицаның төп үҙенсәлеге – динамика. Ошо таблицаның ҡырында урынлаш­ҡан төймәгә баҫып, уҡыусылар һәр бер элементтың атамаһын һәм бөтә мәғлүмәтте ишетә ала. Күреү һәләте насар булған уҡыусыларға хәҙер химия дәресе күпкә еңелерәк биреләсәк. Өфөләге 153-сө лицейҙың IX синыфында белем алыусы Михаил Щербаков Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап тапҡан. Бының өсөн уға ярты йыл ваҡыт китә. Күреү һәләте насар булған мәктәп уҡыусылары өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән интерактив таблицаның төп үҙенсәлеге – динамика. Ошо таблицаның ҡырында урынлаш­ҡан төймәгә баҫып, уҡыусылар һәр бер элементтың атамаһын һәм бөтә мәғлүмәтте ишетә ала. Был – Михаилдың тәүге эше. Унда химик элементтарҙың рәте, төрҙәре һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәр күсерелгән. Шулай уҡ һәр бер шаҡмаҡҡа бер химик элементтың атамаһы йәбештерелгән. Интерактив стендты эшләп бөткәс, Михаил Щербаков төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Хәҙер иһә бөгөнгө заманда кәрәкле таблицаны Өфөнөң 28-се махсус интернат-мәктәбендә ҡулланалар. Әйткәндәй, стенд мәғлүмәт яғынан ғына түгел, уҡыусылар өсөн үҙ аллы шөғөлләнеү өсөн дә ҡулайлаштырылған. Төймәгә баҫып, уның һорауҙарына яуап биргәндән һуң, ул баһа ҡуя. Бөтә мәғлүмәт алыу мөмкинлеге булған интерактив таблица уҡытыусы ролен дә башҡара. Михаил Щербаков киләсәктә үҙе уйлап сығарған проек­тына патент алырға уйлай. Химия дәресенән тыш, күреү һәләте насар булған уҡыу­сылар өсөн математиканан да интерактив таблица эшләү – уның ҙур хыялы. Х. ХӘСӘНОВА. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы ярҙамында республиканың 21 ҡалаһында 140 ихата биләмәһе комплекслы төҙөкләндерелә. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы ярҙамында республиканың 21 ҡалаһында 140 ихата биләмәһе комплекслы төҙөкләндерелә. Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Милекселәрҙең взностары менән бергә дөйөм бюджет – 742 миллион һум. «Март аҙағына тиклем подряд ойошмаларын һайлау буйынса конкурс процедуралары тамамлана. Шул уҡ ваҡытта республиканың ете ҡалаһында һатыулашыу йомғаҡтары буйынса 127 миллион һумдан аҡсаның 10 процентын экономияларға мөмкин булды», — тип өҫтәнеләр ведомствола. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров киләһе йылда ихаталарҙы төҙөкләндереүгә әҙерләнә башларға ҡушты. 1 авгусҡа тиклем йортта йәшәүселәр менән дизайн-проекттарҙы тикшерергә һәм проект-смета документацияһын яҡларға кәрәк. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһына 303 миллион һум бүленә, 78 күп фатирлы йорттоң 17 ихата биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. https://www.bashinform.ru/news/1569263-blagodarya-programme-bashkirskie-dvoriki-blagoustroyat-140-dvorovykh-territoriy-/ Галина Бахшиева https://www.bashinform.ru/bash/1569285/ Фото: Башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Көнсығыш Ҡытайҙың Чжецзян провинцияһына ҡараған Нинбо ҡалаһында меңләгән кеше, параксиален етештереүсе химия заводын киңәйтеүгә тәүәккәл рәүештә “юҡ” тип әйтер өсөн, демонстрацияға сыҡты. Тыныс ҡына башланған акция полиция менән аяуһыҙ бәрелешкә барып етте. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың бер нисәүһе ҡулға алынды. Нинболағы ҡаршылыҡ акцияһы дүртенсе тәүлек бара, көндән- көн уға ҡушылыусылар һаны арта. Урындағы завод администрацияһы манифестацияла ҡатнашыусы эшселәргә эштән ебәреү менән янай. Параксиален полиэстер етештереү өсөн файҙаланыла. Белгестәр әйтеүенсә, аҙ ғына ваҡыт эсендә лә ул күҙ, танау, ауыҙҙы ҡуҙғыта, ә уның даими тәьҫиренән үҙәк нервы системаһы зарарлана. Ҡала халҡы урындағы властарҙан Нинболағы һауаның бысраныуына ҡаршы сара күреүҙе күптән һорай. Акцияға демонстрацияла ҡатнашыусылар битлектәр кейеп килде. Иҡтисади үҫештең тиҙләтелгән моделен һайлаған Ҡытайҙа экология туҡтауһыҙ насарая, шул арҡала ҡаршылыҡ акциялары йыш була. Ике аҙнанан Ҡытай Коммунистик фирҡәһенең ил етәкселегенең яңы составын билдәләйәсәк хәл иткес съезы буласаҡ. Был ваҡиға алдынан Ҡытай властары халыҡҡа асыҡ эш итеүҙәрен күрһәтмәксе, шуға ла Нинболағы манифестация хаҡындағы хәбәрҙәргә социаль селтәрҙә блок ҡуйылманы, әммә фотоларҙы урынлаштырыу менән проблемалар булды. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Ғинуарҙа республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы яңы йыл каникулдары көтә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – эшләмәгән байрам көндәре булып тора. Ғинуарҙа республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы яңы йыл каникулдары көтә, тип хәбәр итте Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – эшләмәгән байрам көндәре булып тора. «2021 йылда 2 һәм 3 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тап килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2 ғинуарҙағы ял көнө — 5 ноябргә, 3 ғинуар 31 декабргә күсерелде», — тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында һәм 2020 йылдың 31 декабрендә эш көнөнөң бер сәғәткә ҡыҫҡарыуын өҫтәнеләр. Шулай итеп, Яңы йыл каникулдары уңайынан 2021 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 , 8, 9 һәм 10 ғинуары эшләмәгән байрам һәм ял көндәре булып иҫәпләнә. Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре – 1 , 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуар отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Шаршамбы, 28 февралдә, Кремлдә тантаналы шарттарҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Пхёнчхандағы XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары осрашты һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Уйындарҙа алтын миҙал яулаусы Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев дәүләт башлығынан «Дуҫлыҡ Ордены»н алды. Шаршамбы, 28 февралдә, Кремлдә тантаналы шарттарҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Пхёнчхандағы XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары осрашты һәм уларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Уйындарҙа алтын миҙал яулаусы Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев дәүләт башлығынан «Дуҫлыҡ Ордены»н алды. «Миллионлаған Рәсәй көйәрмәне өсөн хоккейҙағы еңеүебеҙ ҙә, һис шикһеҙ, ҙур бүләк булды. Ысынында иһә, милли боҙ дружинаһы беҙҙе, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бер аҙ тулҡанлындарҙы, әммә шулай ҙа көс туплап, күптән көтөлгән Олимпия миҙалын алды», — тине Владимир Путин. Башҡортостандың «Салауат Юлаев» командаһынан сыҡҡан Андрей Зубарев шулай уҡ 4 миллион һум һәм BMW X6 автомобиле менән бүләкләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратовҡа Олимпия «бронзаһы» өсөн Владимир Путин икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалын тапшырҙы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Өфөлә COVID-19 инфекцияһынан дауаланып, һауығып сыҡҡан донорҙан тәүге иммунлы, амотосален һәм ультрафиолет менән патогенредуцияланған А плазмаһын әҙерләнеләр Республика ҡан ҡойоу станцияһы Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән берлектә яңы төр коронавирус менән ауырып һауыҡҡан донор-реконвалесцент буйынса мәғлүмәт базаһын булдырыу эшен башланы, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Реконвалесцент плазмаһын сирлегә ебәреү ауыр коронавирус инфекцияһын дауалауҙа һөҙөмтәле сара булып тора. Рәсәйҙә коронавирус үткәргән пациенттарҙың плазмаһын тәүге тапҡыр бер нисә аҙна элек кенә Н.И. Склифосовский исемендәге тиҙ ярҙам институтында, О.К. Гаврилов исемендәге Ҡан үҙәгендә, И.В. Давыдовский исемендәге ҡала клиник дауаханаһында, Мәскәүҙең 52-се клиник дауаханаһында ҡуллана башланылар. Билдәле булыуынса, инфекциялы ауырыу үткәргән кешенең организмы антиматдәләр эшләп сығара, ул сирҙе еңергә мөмкинлек бирә. Был респираторлы ауырыуҙы үткәргәндәрҙә уға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килде. Уларҙан алынған плазмала вирусҡа ҡаршы юғары антиматдәләр тупланған. Әлегә, бүтән төрлө һөҙөмтәле дауалау саралары булмағанда, уны ауырыуҙарға ҡойоу ауыр осраҡтарҙа бик ныҡ ярҙам итәсәк. COVID-19 инфекцияһын еңеп, һауығып сыҡҡандарҙың барыһын да плазма бирергә саҡыралар. Шулай уҡ Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы базаһында ҡан әҙерләүсе мобиль күсмә комплекс ҡуйылған. Плазма биреү өсөн Республика ҡан тапшырыу станцияһының бүлек мөдире Артур Мусин менән 89270898902 телефоны буйынса бәйләнешкә инергә мөмкин. Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы (1887—1936) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәренең береһе, «Башҡорт хөкүмәтенең теле» гәзите мөхәррире, күренекле башҡорт ғалимы. Фәхретдинов Ғәбделәхәт Ризаитдин улы (1889—1938) — иҡтисадсы, Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы. Фәхретдинов Ризаитдин Фәхретдин улы (1859—1936) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле. Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе (1923—1936). Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы (1919—1979) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Дан ордены тулы кавалеры. Фәхретдинова Дилара Әхәт ҡыҙы (1923—?) — сәнғәт ғилеме белгесе. Фәхретдинова Динара Йәлил ҡыҙы (1992) — Рәсәй спортсыһы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Ҡаяға үрмәләү буйынса Европа чемпионы (2013). Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1.08.1938), дерматовенеролог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Төкән ауылынан[1]. Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә Фәрхетдинов Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы 2019 йылдың 30 октябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)
Яулыҡ, шарф, палантин... Ҡарап торғанда ябай ғына, бәләкәс кенә аксессуарҙар беҙҙең кейемгә яңы һулыш өрөргә, көтөлмәгәнсә үҙгәртергә, ҡабатланмаҫ матурлыҡ бирергә, кәйефте сағылдырырға һәләтле. Яулыҡ, шарф, палантин... Ҡарап торғанда ябай ғына, бәләкәс кенә аксессуарҙар беҙҙең кейемгә яңы һулыш өрөргә, көтөлмәгәнсә үҙгәртергә, ҡабатланмаҫ матурлыҡ бирергә, кәйефте сағылдырырға һәләтле. Яулыҡ һәр дәүерҙә лә заманса күренә. Бөгөн бигерәк тә шаҡмаҡ рәүешендәгеһе модала, көнбайышта уны «карэ» тип йөрөтәләр. Йөҙҙө асҡан ебәк яулыҡ һәр ҡатын-ҡыҙҙа булырға тейеш, тигән фекерҙә дизайнерҙар. Образға үҙенсәлек, серлелек, нәзәкәтлек өҫтәгән был әйбер – көндәлек кейемде байытыуҙың иң еңел ысулы ла. Бары йәтеш итеп яурынға һалыу серҙәрен генә белеү кәрәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Башҡортостанда ике мобиль технопарк эшләй башланы. Уларҙың береһе ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Башҡортостанда ике мобиль технопарк эшләй башланы. Уларҙың береһе ике аҙнаға Ауырғазы районында туҡталған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан 19 ғинуарҙан Талбазы ауылының 3-сө мәктәбендә “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы ресурстарын ҡулланып дәрестәр үткәрелә, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бер аҙна эсендә балалар 3Д-моделдәр башҡарырға, Ардуино микроконтроллеры нигеҙендә ҡоролмалар конструкцияларға һәм программаларға, Scratch программалау телендә уйындар эшләргә, квадрокоптер программаларға һәм башҡа һөнәрҙәргә өйрәнгән. “Балаларға яңы һөнәрҙәр өйрәтеү минең өсөн үтә мөһим. Үҙем ауыл мәктәбендә уҡыным, беҙҙең мөмкинлектәр булманы. Ауыл балаларына мәктәп программаһында булмаған нәмәләргә өйрәнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла”, – ти “Гео и Аэроинформатика” йүнәлеше буйынса белем биргән Ирина Сәлмәнова. “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы уҡыу йылы барышында 2000-дән ашыу балаға белем бирәсәк. Һуңынан уҡыусылар үҙ проекттарын тәҡдим итә. Иң яҡшылары конкурстарҙа ҡатнашасаҡ. Проект “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә федераль һәм төбәк ҡаҙналары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Фото БР Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан алынды. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда күсмә никах теркәүҙәр, шулай уҡ балалар тыуыуын дәүләт теркәүе (исем ҡушыу йолаһы) туҡтатылды. Сара COVID-19 инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән. Күсмә саралар билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелгән. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ЗАГС-та никах теркәү өсөн бинала кешеләр һаны (учреждение хеҙмәткәрҙәре менән бергә) 10-дан күберәк булмаҫҡа тейеш. Тантаналы рәүештә өйләнешергә теләгән йәштәргә туйҙы икенсе ваҡытҡа күсерергә кәңәш итәләр. Ведомствола белдереүҙәренсә, тыуыуҙы теркәү, никахҡа инеү йәки уны тарҡатыу, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, үлем тураһында ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ҡыҙыу бәйләнеш телефондары: 8 (347) 237-67-81, 8 (347) 248-54-70, 8 (347) 248-74-20. http://www.bashinform.ru/news/1430963-v-bashkirii-otmenili-vyezdnye-registratsii-zaklyucheniya-brakov/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Теги: никахтар, теркәү, ЗАГС Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ эпидемияһының башланыуы тураһында хәбәр итте. Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ эпидемияһының башланыуы тураһында хәбәр итте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, йылдың бишенсе аҙнаһында, 27 ғинуарҙан 2 февралгән тиклем республикала 27 469 кеше грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләп киткән, уларҙың 69,8% – балалар. Республика халҡы араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү эпидемия сигенән 35,6% юғарыраҡ. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ул 31,3% артҡан, тип хәбәр итте ведомство. Мәктәп йәшендәге балалар араһында эпидемия сиге 31,9% күтәрелгән. Уҙған аҙнала Өфөлә 7 640 киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлгән, шул иҫәптән балаларҙа – 4 526 осраҡ. Алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыуҙар һаны 13% артҡан. Сирҙең эпидемия сиге өлкәндәр араһында – 23,1%, 7-14 йәшлектәрҙә 16,6% артыуы күҙәтелә. Эпидемия миҙгеле башланыуға бәйле Роспотребнадзор идаралығы шәхси һаҡланыу саралары хаҡында хәтергә төшөрә. Кеше күп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында йөрөү ваҡытын кәметергә, битлек кейергә, сирлеләр менән тығыҙ аралашмаҫҡа, ҡулды һабынлап йыуырға, танау ҡыуышлығын сайҡатырға, бүлмәне даими елләтергә, туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөп алырға, С витамины булған аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә, һарымһаҡ һәм һуған ҡушылған ризыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк ашарға. Иммунитетты күтәргән препараттар ҡулланырға, иң яҡшыһы – табип кәңәше буйынса. Ғаиләлә йәки эштә грипп менән ауырыусылар булһа, табип менән кәңәшләшеп, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итә башларға мөмкин. Башинформ МА. http://www.bashinform.ru/news/1409315-rospotrebnadzor-soobshchil-o-nachale-epidemii-grippa-i-orvi-v-bashkirii-/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Башҡортостанда мәктәптәрҙә буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләренән документтар ҡабул итә башлау датаһы үҙгәртелде. 2020-2021 уҡыу йылында белем биреү учреждениелары документтарҙы элекке кеүек 1 февралдән түгел, ә 1 апрелдән ҡабул итә башлай. Яңы ҡағиҙәләр тураһында Өфөнөң мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, тәүҙә ғаризалар учреждениеға беркетелгән биләмәлә теркәлгән ғаиләләрҙән ҡабул ителә. Башҡа ата-әсәләр документтарын 6 июлдән генә тапшырырға мөмкин. Бынан тыш, хәҙер документтар электрон төрҙә ҡабул ителә. Ғариза өлгөһө мәктәп сайттарына урынлаштырыла. Быға тиклем беренсе класҡа алыу тураһында ғаризалар «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша ҡабул ителде, ләкин барыбер документтарҙы мәктәпкә илтеп тапшырырға кәрәк ине. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Яңы һуйылған ҡаҙҙы, йәки туңдырғыстағы ҡаҙҙы алып иретеп, йыуып, ҡоро сепрәккә һалып ҡуябыҙ. Аҙаҡ тышын да, эсен дә яҡшылап тоҙ менән ышҡырға кәрәк. Эсен тоҙлаһаң - ул күгәрмәй. Ҡаҙҙы ҡағыҙға төрөп, ҡараңғыраҡ урынға элеп ҡуйырға. Май айҙарында эсенән тоҙон алырға, йыуырға һәм өҫтөнә ҡайнар һыу һибергә. Ҡояш төшә торған урынға элеп ҡуйырға. Ҡояш яҡшы ҡыҙҙырғанда, 2-3 көндән, йәки ҡаҙҙың майы үтә күренмәле була башлағас, әҙер тигән һүҙ. Ҡаҡланған ҡаҙҙы һыуытҡысҡа ҡуймағыҙ, тәме юғаласаҡ. Ҡояшлы урында ла тотмағыҙ, кибеп төшәсәк. Уны һалҡынса, ҡояш төшмәй торған урында һаҡлағыҙ. Фото: интернет. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
2020 йылда Башҡортостан халҡына 987146, ә быйылғы йыл башынан 371188 электрон больничный биргәндәр. Был турала Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса Төбәк бүлексәһендә белдерҙеләр. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың 21 мартына 42819 электрон хеҙмәт кенәгәһе тапшырылған. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ЭлектронПаспорт#Цифровизация 2020 йылда Башҡортостан халҡына 987146, ә быйылғы йыл башынан 371188 электрон больничный биргәндәр. Был турала Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса Төбәк бүлексәһендә белдерҙеләр. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың 21 мартына 42819 электрон хеҙмәт кенәгәһе тапшырылған. Документтар әйләнешен һанлы итеүгә күсереүҙең артабан нисек барасағы тураһында күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышев һөйләне. – Был йәһәттән Рәсәй халҡын көткән төп үҙгәреш – электрон паспорттарҙы ҡулланышҡа индереү, – тине ул. – Мәскәүҙәр яңы форматтағы документты быйыл 1 декабрҙән ала башлаясаҡ, төбәктәрҙә бындай мөмкинлек 2023 йылдың уртаһында барлыҡҡа киләсәк. Электрон паспорт хужаһының фоторәсеме, исем-шәрифе һәм тыуыу датаһы ҡуйылған пластик картанан ғибәрәт. Уға кешенең шәхси һәм биометрик мәғлүмәттәре индерелә, шул иҫәптән – йөҙө, бармаҡ эҙҙәре һәм теркәлеү адресы. Кешенең үҙ теләге буйынса смартфонға ҡушымта – граждандың мобиль идентификаторы – ла индерелә ала. Уның буйынса, мәҫәлән, почтанан посылка алырға, авиа һәм тимер юл билеттары һатып алырға мөмкин һәм башҡалар. Кеше дәүләт менән даими мөнәсәбәттә йәшәй һәм электрон паспорт гражданға кәрәк булып торған бөтә көнүҙәк мәғлүмәттәр өсөн берҙәм асҡыс ролен үтәйәсәк. Электрон паспорт алырғамы, юҡмы икәнен һәр кем үҙе генә хәл итә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Сара мөмкинлектәре сикләнгән һәләтле балаларҙың да ижадына арналыуы менән үҙенсәлекле. Фестиваль сиктәрендә төрлө ваҡытта оҫталыҡ дәрестәре, ижади эштәр күргәҙмәһе, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, конкурстар, психологик тренингтар, йәрминкә үткәрелһә, был эштәрҙең мул емеше Башҡорт академия драма театрында уҙған гала-концерт ине. Концерт алдынан балалар өсөн ижади оҫталыҡ дәрестәре үтте, уларҙы ҙур ҡурсаҡтар, аквагрим, сағыу фотозона ҡаршы алды. Гала-концерт үҙе иһә сағыу программаһы, һәләтле балаларҙың сығыштары менән әсир итте: кескәй йондоҙҙар йырлай ҙа, бейей ҙә, театрлаштырылған тамаша ла, гимнастика ла күрһәтә. Быларҙың барыһы ла – Альберт Заһиров фотоларында. Автор:Айгөл Ғәбитова Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Календарҙы күҙәтә барһаң, һәр көнөбөҙ тәғәйенешле. Төрлө һөнәр эйәләренең, тарихи ваҡиғаның, йә данлыҡлы шәхестәребеҙҙең юбилейы. Халыҡтың ялын матур, файҙалы ойошторорға янып йөрөгән клуб системаһы хеҙмәткәрҙәренә фантазия, дәрт, яңы идеялар килеп кенә тора. Күптән түгел китапханасыларҙың да һөнәри байрамы булды. Әбдрәхимдә бер йылдан ашыу ошо эште Гөлфиә Фәтҡуллина яңыса балҡытып ебәрҙе. Халыҡтан уның эшенән ҡәнәғәт булыуҙары тураһында йыш ишетергә тура килә. Быға тиклем ул күп йылдар балалар баҡсаһы мөдире булып уңышлы эшләне. Хоҙай Гөлфиәгә күп һәләттәр бүләк иткән. Мәктәп уҡыу-сыһы булған сағынан уҡ йыр, бейеү, һүрәт төшөрөү, бәйләүгә әүәҫ өлгөр ҡатын белгәндәрен теләктәре булғандарға йомарт өләшә. Китапханала зауыҡлы мебель, ҡорғандар, төрлө китаптарға бай шкафтар – барыһы ла уңайлы, уҡыусыларға конспектлау өҫтәлдәре –рәхим ит, гәзит-журналдар менән таныш. Китапханаға 100-ҙән ашыу самаһы кеше йөрөй, күпселеге мәктәп уҡыусылары. «Матбуғат баҫмалары күберәк булһын ине»,–ти Гөлфиә Дамир ҡыҙы. Ул һәр юбиляр яҙыусыға, яңы китапҡа, яҡташ ижадсыларға, ғорурланырлыҡ замандаштарыбыҙға һәм башҡаларға арналған күргәҙмә-стендтарҙы байытып, үҙгәртеп тора. Китап уҡыусылар менән төрлө ижади конкурстар ойоштора. Ата-әсәләр уға бигерәк тә рәхмәтле. Гөлфиә Дамир ҡыҙы балалар менән «Тирмәкәй» театр түңәрәге алып бара. Яңынан-яңы бейеүҙәр һала, үҙе йырлап үҫкән 80-се, 90-сы йылдарҙағы моңдарҙы өйрәтә. Бергәләп милли уйындарҙы иҫкә төшөрәләр, конкурстарға приздар, аппликациялар, театр маскаларын ҡағыҙҙан да, ептән дә бәйләп әҙерләйҙәр. Клубта үткән һәр сарала түңәрәк ағзалары ата-әсәләрҙе, тамашасыларҙы ҡыуандыра. Талапсан етәксе, ҡат-ҡат репетициялар үткәреп кенә сәхнәгә ҡуя тамашаларҙы. Һуңғы осорҙа экологик марафон, космонавтика көнөнә, һаулыҡҡа, һөнәр һайлауға арналған, «Көлкөбикәнең көлкө ҡапсығы» кисәләре тулы залдар йыйҙы. Афишаларға ла Гөлфиә Фәтҡуллина яңылыҡ индерҙе: төҫлө фотолар халыҡты үҙе уҡ саҡырып тора. Һәр сараға сценарийҙар яҙып, кисәне музыкаль яҡтан биҙәй, аппаратуралар менән яҡшы эш итә белә. Ә оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар кистәрен «Әхирәттәр» клубына йыйылып, нимә генә ижад итмәй. Был түңәрәкте лә өлгөр китапханасы алып бара. Үҙе шәлдәр, береттар, төрлө нәфис ҡоштар, биҙәкле түңәрәк шарф бәйләү оҫтаһы. Ижад өсөн илһамды йыш ҡына интернет киңлектәренән ала. Гөлфиә Дамир ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, “Ағинәй-ҙәр ҡоро”н башлап йөрөүсе лә. “Йәдкәр” фольклор төркөмөндә тора, унда халҡыбыҙҙың милли йолаларын, кейемдәрен, аштарын, кәсептәрен килер быуындарға еткерәләр. Шулай бер сара үтеү менән икенсеһенә әҙерлек башлана. Ағинәйҙәр ҡоро оҫталыҡ дәрестәре менән район ауылдарында ла, күрше райондың Яңыбай ауылында ла дуҫлыҡ күперҙәре булдырҙы. Гөлфиә Дамир ҡыҙы бик ба-ҫалҡы, йомшаҡ һүҙле әсә, намыҫлы ир ҡатыны, эшләгәндәре тураһында шаулап йөрөгәндәр-ҙән түгел. Һәр көн тыныс ҡына китап, сәнғәт һөйөүселәр күңеленә юл һала, күңеле тулы изгелек. Матур кисәләр менән ауылдаштарын һөйөндөрөү, балалар-ҙың тәбиғи һәләттәрен үҫтереү теләге менән янып йәшәй замандашыбыҙ.
Был сара йыл да «Спорт йәшәү нормаһы» федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Быйылғы спорт бәйгеһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Унда бөтәһе йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты, күп кенә мәктәптәр тотош команда булып килеүҙәре маҡтаулы. Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә спорттың был төрөн бик ярата икән. Саңғы ярышын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов, уның урынбаҫары Рамил Фәтхуллин асты, спортсыларға еңеүҙәр теләне. Раян Баян улы саңғы буйынса әүҙем шөғөлләнгән мәктәптәргә 3-4 пар саңғы комплекты вәғәҙә итеп ҡыуандырҙы. Балалар 2-5 километр оҙонлоҡта, өлкәндәр 1-3 километрға уҙышты. Иң тәүге булып стартҡа ҡыҙҙар баҫты. Елдәй елгән ҡыҙҙар финиш һыҙығын уҙыу менән малайҙар кемуҙарҙан уҡтай атылды. Хатта алты йәшлек Ислам Хәкимов менән Әҙил Фәттәхов та бәләкәй арауыҡта үҙ көсөн һынаны. Уҙған йыл «Сәләмәт ауыл» район конкурсында еңгән булаттар сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт яҡлы булыуҙарын күрһәтеп, ҙур команда булып саңғы юлына баҫты. Былтыр һәм унан алдағы йылдарҙа «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашыусы ауылдарҙан ярышҡа күп килеүҙәре ҡыуандырҙы. Саф һауала рәхәтләнеп саңғыла уҙышҡандарға көндөң һалҡынлығы ла һиҙелмәне. Әйткәндәй, спортсылар өсөн лагерҙа ҡайнар сәй, бутҡа әҙерләнде. Ярыш һуңынан үҙ дистан-цияларында еңеүселәр билдәләнде. Мәктәп уҡыусылары араһында: 2006 – 2007 йылғылар — Тайфур Миңдейәров (Әбделмәмбәт), Юлиә Исҡужина (Әбделмәмбәт), 2004 – 2005 йылғылар — Лиза Исҡужина (Әбделмәмбәт), Инсаф Моратов (Асҡар), 2008 йылғы һәм кесерәктәр — Айҙар Мөхәмәтйәров (Күсем руднигы), Гөлназ Ғиззәтова (Ҡаҙмаш) алдынғылыҡты бирмәне. Өлкәндәр араһында — 17-29 йәшлектәр төркөмөндә: Гүзәлиә Хәлилова (Рауил), Иштуған Мөхәмәтйәнов (Амангилде) финиш һыҙығына тәүге булып үтте. 30-39 йәштәгеләрҙән Юлиә Фәттәхова (Дәүләт), Азат Яҡупов (Ҡаҙмаш) беренсе килде. 40-49 йәшлектәрҙән Риф Ҡарағужин (Күсем), Гүзәлиә Байбулатова (Булат) еңде. 50-59 йәш төркөмөндә: Хәйҙәр Мөхәмәтдинов (Рауил), Миләүшә Хәлиловаға (Рауил) тиңләшеүсе булманы. 60 һәм унан өлкән йәштәгеләр араһында Риф Ғиззәтов (Асҡар), Сәрүәр Түләбаева (Тәпән) финишҡа беренсе килде. Иң йәш саңғысы тип Дәүләттән Әҙил Фәттәхов, иң олоһо Асҡарҙан Йәғәфәр Йәноҙаҡов танылды. Еңеүселәр һәм призерҙар грамота һәм миҙалдар, «Рәсәй саңғыһы – 2020» спорт кәпәстәре менән бүләкләнде. Уларға шулай уҡ ГТО-ның саңғы буйынса нормативын тапшырыу хаҡында таныҡлыҡтар бирелде. Динара САФИУЛЛИНА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Быйыл ул онлайн ойошторолдо. Унда республиканан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдән дә ҡатнашыусылар булды. Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Йәрмәкәйҙән балалар айырыуса әүҙем булған.Илеш районынан Диана Әғәлиева Гран-при яуланы. Еңеүселәр бүләктәр һәм маҡтаулы грамоталар менән тәбрикләнә. Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зиннуров әйтеүенсә, балалар конкурста теләп ҡатнаша.https://bash.news/bash/news/130048-ural-batyr-eposyn-balalar-arakhynda-yattan-kheyleuseler-respublika-konkursy-khezemtelere-iglan-itelde Быйыл ул онлайн ойошторолдо. Унда республиканан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдән дә ҡатнашыусылар булды. Баймаҡ, Баҡалы, Бөрйән, Йәрмәкәйҙән балалар айырыуса әүҙем булған.Илеш районынан Диана Әғәлиева Гран-при яуланы. Еңеүселәр бүләктәр һәм маҡтаулы грамоталар менән тәбрикләнә. Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зиннуров әйтеүенсә, балалар конкурста теләп ҡатнаша. https://bash.news/bash/news/130048-ural-batyr-eposyn-balalar-arakhynda-yattan-kheyleuseler-respublika-konkursy-khezemtelere-iglan-itelde Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. 14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы буйынса Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә ойошторола. Байрамдың инициаторы булып, шулай уҡ 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тәҡдиме менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны. Был көндә онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә. 14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың танылған шәхестәре ҡатнашлығында «Шиғри сылбыр» интернет-флешмобын ойоштора. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса гранттар конкурсы еңеүселәре проекттарының күргәҙмәһе менән таныштыра. Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында бик күп, шул иҫәптән башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған саралар уҙғарыла, вариҫтары уның һәйкәленә сәскәләр һала. Башҡорт мәҙәниәтенең тағы ла бер арҙаҡлы шәхесе – билдәле шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына ҡарата асыҡ дәрес була. Байрам саралары республиканың барлыҡ мәҙәниәт учреждениеларында ойошторола, башлыса онлайн форматта. Сараларҙың тулы программаһын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарарға мөмкин. https://www.bashinform.ru/news/1532845-stalo-izvestno-kakie-sobytiya-proydut-v-respublike-v-den-bashkirskogo-yazyka/ Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ил алдында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән арҙаҡлы эшмәкәрҙәрҙең исемен аэропорттарға, тимер юл станцияларына, диңгеҙ һәм йылға порттарына биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Иртәгә “Рәсәйҙең Бөйөк исемдәре” проекты сиктәрендә тауыш биреү тамамлана. Арҙаҡлы ватандаштарыбыҙҙың исемдәре 40-тан ашыу Рәсәй ҡалалары аэропорттарына биреләсәк. “Өфө” аэропортына иһә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең йәки башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың исемен ҡушыу тәҡдим ителгәйне. Тауыш бирергә бер көн ҡалды, әлегә Мостай Кәримдең исеме алда бара. Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә ОТР телеканалының тура эфирында республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны. «Ижтимағи электрон гәзит» хәбәр итеүенсә, министр бал ярата. Тәбиғи башҡорт балы ҡиммәт торорға тейеш, уның юғары хаҡы – сифат билдәһе, тип билдәләне Фәзрахманов. Республиканың ауыл хужалығы министры: ысын башҡорт балын нисек айырырға? Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә ОТР телеканалының тура эфирында республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны. «Ижтимағи электрон гәзит» хәбәр итеүенсә, министр бал ярата. Тәбиғи башҡорт балы ҡиммәт торорға тейеш, уның юғары хаҡы – сифат билдәһе, тип билдәләне Фәзрахманов. – Башҡортостанда тәбиғи бал етештерелә, өҫтәмәләр ҡушылмай. Был ҡиммәтле продукт, ул арзан була алмай. Ул бик файҙалы һәм тәмле. Быйыл республикала ете мең тоннаға яҡын тауар балы етештерелгән. Бөтәһе 14 мең тонна етештерәбеҙ, яртыһын бал ҡорттары үҙҙәренә, ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра. Күмәртәләп һатҡанда, балдың бер килограмы 370 һумға төшә. Тимәк, ваҡлап һатыу хаҡы – 500 һум. Әгәр 500 һумдан арзаныраҡ икән, был башҡорт балы түгел. Сығанаҡ: “Башинформ”. Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
13 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың “Байыҡ” республика телевизион конкурсының гала-концерты үтте. Сарала республиканың ҡала райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу һәләтле бейеүсе ҡатнашты. Байрамға Ҡаҙағстандан, Төньяҡ Осетия-Аланиянан, Татарстандан, Мәскәү ҡалаһынан ҡунаҡтар килгәйне. 13 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың “Байыҡ” республика телевизион конкурсының гала-концерты үтте. Сарала республиканың ҡала райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу һәләтле бейеүсе ҡатнашты. Байрамға Ҡаҙағстандан, Төньяҡ Осетия-Аланиянан, Татарстандан, Мәскәү ҡалаһынан ҡунаҡтар килгәйне. Гала-концертта Мәсетле район хакимиәтенең “Аҡ тирәк” бейеү ансамбле (етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова) һәм Балалар сәнғәт мәктәбенең “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Зарифйән Ғарипов) уңышлы сығыш яһаны. Ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамблдәре араһында “Аҡ тирәк” коллективы Гран-при яуланы, ә “Өлгөр”ҙәр йәштәр ансамблдәре араһында III дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Халыҡ бейеүен иң яҡшы башҡарыусыларҙы традиция буйынса милли бейеүсе ситеге статуэткаһы һәм диплом менән бүләкләнеләр. Ансамбль ағзаларын, уларҙың етәкселәрен һәм барлыҡ Мәсетле районы халҡын ошо еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләй- беҙ. Ә. Иҙелбаев. Мәсетле районы. Фото район хакимиәте архивынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Үткән йома Ҡаҙанғол ауыл биләмәһенең Яңы Яппар ауылында ауыл хужалығында эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса район семинар-кәңәшмәһе үтте. Сараға ауыл биләмәләре башлыҡтары крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре саҡырылды. Семинар сиктәрендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙең яңы объекты сафҡа индерелде. Ул заманса мал салыу цехы. Объектты тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Р.Р. Байтуллин, Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы А.С. Йыһаншин, Дәүләкән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов килде. Йылҡысылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ф.И. Хәлиуллин бер йыл элекмал салыу цехына нигеҙ һала. Уның бизнес-планы Дәүләкән районы хакимиәтендә үткәрелгән Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡарала һәм күтәреп алына. Объектты төҙөүҙең кәрәклеге хужалыҡта малдар һанының артыуына ла бәйле. Хәҙерге ваҡытта малды фәҡәт үҙең өсөн генә һуйған осраҡта уны үҙ ихатаңда салырға рөхсәт ителә. Ә эшҡыуар Өфөләге сауҙа нөктәләренең береһе менән продукция ташыуға килешеү төҙөгән. Закондағы һуңғы талаптар буйынса, ит һатыу менән махсус салыу цехы булған эшҡыуарҙар ғына шөғөлләнә ала. Шулай итеп, Фәрүәз Хәлиуллиндың үҙенең эшмәкәрлеген артабан үҫтереү өсөн барлыҡ шарттары бар. Мал салыу цехы төҙөү ихтыяж ғына түгел, ул - заман талабы. Яңы Яппар ауылында мал салыу цехын Фәрүәз Исмәғил улы үҙ аҡсаһына һәм субсидия рәүешендә бирелгән дәүләт ярҙамына төҙөй. Төҙөлөш эштәрен башлар алдынан ветеринария хеҙмәтенән һәм Роспотребнадзорҙан рөхсәт биргән документтар юллай. Эштәр бөтә санитар нормаларҙы теүәл күҙәтеп башҡарыла – объектҡа ауылдан ситтә нигеҙ һалына. Торлаҡ йорттарҙан, мал ҡураларынан, көтөүлектән, һыу ятҡылыҡтарынан, дөйөм ҡулланыу урындарынан ул 500 метр аралыҡта булырға тейеш, был талап тулыһынса үтәлгән. Тирә-яғы кәртәләп алынған. Килтерелгән малды ябып тороу һәм салыр алдынан ҡарау өсөн майҙансыҡ бүленгән. Ингән һәм сыҡҡан ерҙә дезинфекцион кәртәләр ҡуйылған. Фәрүәз Исмәғил улы үҙе һөнәре буйынса ветеринар врач, талаптарҙың мөһимлеген яҡшы аңлай, шуға уларҙы еренә еткереп үтәгән. Үҙ ихтяждары өсөн төҙөлһә лә, мал салыу йәһәтенән мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла хеҙмәттәр күрһәтеләсәк. Һыйыр малын, аттарҙы, сусҡаларҙы ветеринария-санитария һәм гигена талаптарына ярашлы итеп салыу өсөн пунктта бөтә шарттар булдырылған. Һыу үткәргес көйлө эшләй, канализация бар, сеймал әҙер продукция менән ҡушылмай, түшкәләрҙе ташығанда улар иҙәнгә лә, стенаға ла, ҡорамалдарға ла теймәй. Кәрәк булһа, итте туңдырырға, һыуытырға була, бының өсөн һыутҡыс камера, туңдырғыс бар. Биологик ҡалдыҡтарыҙы утилләштереү өсөн крематорий төҙөлгән. Иттән тулыһынса анализ алыу өсөн киләсәктә ветеринар-санитар лаборатория асырға планлаштыралар. Бында биш кешенән торған ҙур булмаған коллектив эшләй. Эшҡыуарҙың пландары ҙур – малсылыҡ фермаһы төҙөү һәм киң ассортиментта ит ярымфабрикаттары етештереү цехы асыу. Баҫыуҙан алып сауҙа нөктәләренә тиклем – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Фәрүәз Хәлиуллин үҙ бизнесын тап ошо маҡсатҡа табан йүнәлтмәксе. Сергей Чиков. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Башҡортостанда уртаса эш хаҡы быйыл майҙа 37 403 һумға етте. Ул былтырғынан 3,6 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта. Дөйөм алғанда 2019 йылдың ғинуар-майында төбәктә уртаса эш хаҡы 34 732 һум тәшкил иткән. Ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда иң юғары эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәрҙә. Ағымдағы йылдың биш айында уртаса – 67 149 һум. Ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы был ваҡыт эсендә 59 538 һумға тиклем артҡан. «Эш» рейтингының тәүге өсәүһенә профессиональ, ғилми һәм техник эшмәкәрлек менән мәшғүлдәр, шулай уҡ химия сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре ингән – 51 183 һәм 50 900 һум. Киреһенсә, республикала иң бәләкәй эш хаҡы күн һәм күндән әйберҙәр етештереү менән мәшғүлдәрҙә – ғинуар-майҙа уртаса – 13 767 һум. Саҡ ҡына күберәк мебель етештереүселәр алған – 15 297 һум. Төбәктә иң түбән эш хаҡы буйынса өсөнсө урында — «кейем етештереү». Был өлкәлә эшләүселәрҙең уртаса эш хаҡы 18 470 һум булған, тип йомғаҡланы статистиктар. http://www.bashinform.ru/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ишектәге ҡыңғырау һандуғас булып һайраны. Ҡыҙының Һуңғы ҡыңғырау байрамынан әле генә ҡайтып, бер ҡосаҡ сәскәләрен урынлаштырып йөрөгән Миңлегөл бөгөн ҡунаҡ көтмәй ине. - Бындай да мәшәҡәтле көндә кем йөрөйҙөр инде...(Дауамы - беҙҙең сайтта) Ишектәге ҡыңғырау һандуғас булып һайраны. Ҡыҙының Һуңғы ҡыңғырау байрамынан әле генә ҡайтып, бер ҡосаҡ сәскәләрен урынлаштырып йөрөгән Миңлегөл бөгөн ҡунаҡ көтмәй ине. - Бындай да мәшәҡәтле көндә кем йөрөйҙөр инде... Шулай ҙа үҙен ҡулға алып, йылмайып, бейек үксәле туфлийында тыҡ-тыҡ баҫып ишекте асты. - Һаумыһығыҙ, Миңлегөл апа! - Э-э-э, кем был?! Былай тип уға тик бер ауыл кешеләре генә өндәшә ине бит, - тигән уй йүгереп уҙҙы. Ишек төбөндә зауыҡ менән кейенгән оҙон буйлы, ҡарағусҡыл йөҙлө, ҡыҫыҡ күҙле, ауыҙы ҡолағына еткән, ҡайһылыр ере хәрбигә тартым күркәм ир менән ҡулында ҙур сәскә гөлләмәһе тотҡан сибәр йәш ҡатын һәм 5 - 6 йәштәрҙәге ике һөйкөмлө ҡыҙ йылмайып тора ине. - Һаумыһығыҙ! Үтегеҙ әйҙә! Тупһала тормайыҡ. Рәхим итегеҙ, үтегеҙ-үтегеҙ! Ә үҙе: " Кем әле был егет, йөҙө бик таныш", - тип иҫенә төшөрөргә тырышты. Үттеләр... Ир һаман, Миңлегөлдән күҙен дә алмай, йылмайып баҫып тора. - Йөҙөң бик таныш, туғаным, кем тип тә әйтеп булмайсы, иҫкә төшмәй... Сәй ҡуя һалды ла, ҡунаҡтар янына залға уҙҙы... саҡ артына йығылып китмәне... Ирҙең ҡулында ҙур картина: мәктәп ишеге алдында ут һымаҡ ҡып - ҡыҙыл янып торған саған ағасына һоҡланып бер һылыу ҡыҙ ҡарап тора. Йөрәген тотоп: - Салауат... Салауат!? - тип ҡосаҡлап алды, дөрөҫөрәге, ир уны ипләп кенә ҡосаҡланы. Икеһенең дә күҙҙәре дымланды... - Ә Һеҙ, апа, бер ҙә үҙгәрмәгәнһегеҙ,һаман да йәп- йәшһегеҙ, шул уҡ нурлы күҙҙәр, хатта миңегеҙ ҙә урынында, - тип күңелле көлөп ебәрҙе. - Бына, апа, ғаиләмде Һеҙҙең менән таныштырырға булдым әле... - Үҙҙәренең аталарына ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙған, ғүмерлек маяҡ булып ҡалған апаларын улар ҙа белһен... Әгәр тормошомда Һеҙҙе осратмаһам, белмәйем, минең менән ни булырын... булыр инем микән... Әле иҫемә төшөрәм дә: Һеҙ миңә шәхес тип, кеше тип ҡараусы берҙән - бер кеше булғанһығыҙ бит...Ул ваҡытта үҙегеҙ ҙә йәш кенә бер ҡыҙ бала... Аптырайым хатта: ниңә миңә шул тиклем ваҡыт сарыф иттегеҙ икән дә, шул тиклем шөгөлләндегеҙ икән... Миңлегөл йылмайып ҡына ҡуйҙы. - Бөгөн минең бәхетле, шатлыҡлы көнөм: ҡыҙымдың байрамы һәм һинең килеүең... Ҙур рәхмәт, шулай ҙурлап килгәнегеҙгә, ә был картина минең өсөн ҡәҙерле бүләк - йәшлегем хәтирәһе, тип ипләп кенә стенканың бер бүлегенә һөйәп ҡуйҙы. Бик тә үкенгәйнем, теге ваҡыт һүрәтеңде алмағанға, ҡулым күтәрелмәгәйне... - Әле лә төшөрәһеңме, Хоҙай биргән һәләтең бар ине... - Эйе, яҙғылайым һирәкләп, илһам килгәндә... Сәй янында Салауат ябай ғына, тыныс итеп армиянан һуң институт бөтөрөп Сургут ҡалаһында йәшәүен, ҡаланың хәкимиәтендә эшләүен, әле Янғантау санаторийына китеп барыуҙары, ауылда өләсәһе нигеҙендә яңы өй күтәреүе тураһында бәйән итте. - Бына Һеҙҙе бөтә ғаиләгеҙ менән 22 июнгә ауыл байрамына саҡырабыҙ, - тип Саҡырыу хаты тапшырҙы. - Машина менән үҙем килеп алам, беҙгә тура барабыҙ, ҡәҙерле ҡунағыбыҙ булырһығыҙ, бер үк ризалашағыҙ, унда Һеҙҙе бик көтәләр. - Ә хәҙер юлдағылар - юлда булһын, апа, - тине Салауат. -Ай күрҙе - ҡояш алды, - тигән һымаҡ булды бит әле былай, әҙерәк ултырһағыҙсы... Миңлегөл стенканан бер бәйле папканы алып Салауаттың ҡулына тотторҙо. Аптыраулы ҡарашҡа "ас" тип кенә ымланы: бына бишенсе кластағы Яңы йыл фотоһы, Салауаттың рәсем дәресе альбомы, алтынсыла уҡығанда "Пионер" журналында баҫылған конкурста еңгән һүрәте, етенселә районда уҙған саңғы ярышында төшкән фото, һигеҙенселәге Һуңғы ҡыңғырауҙан бер нисә күренештәр... Аҙаҡ малайҙы әсәһе үҙенә алғайны... Ҡыҙҙары ла бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. - Улар һиндә һаҡланһын, туғаным. Тәү уҡытҡан балаларҙың уңыштарын шулай йыйғылап барам... Салауат апаһына рәхмәт тулы ҡараш ташлап, бик йылы хушлаштылар. Ә Миңлегөл диванға барып ултырҙы ла уйға сумды... Ул бик йыраҡҡа, йәшлеккә, бынан 22 йыл элек булған хәлдәргә ҡайтты... Институтты ҡыҙыл дипломға бөткән башланғыс кластар уҡытыусы ҡыҙҙы ялан яғындағы урта мәктәпле бер ҙур ауылға эшкә ебәрҙеләр. Үҙе лә ошо райондан, тау яғынан, ә был яҡты бөтөнләй белмәй булып сыҡты: һөйләшеүҙәре лә икенсе төрлө, ашаған ризыҡтары ла, хатта үҙҙәренең торош - ҡиәфәттәре лә. Улар нисектер үтә һынсыл, шиксел: сит - ятты үҙ араларына керетеп - индерә һалып бармайҙар икән, бик һағайып ҡына ҡаршыланылар. Һөйкөмлө, йылмайып торған төйөрөм генә ҡыҙҙы иң беренсе ауыл әбейҙәре энәһенән ебенә тиклем тикшереп, нәҫел - нәсәбен белеште... Әлегә бер насар яғын тапманы. Миңлегөлгә өсөнсө класты билдәләнеләр: пенсияға киткән хөрмәтле Рима апаларын алыштыра, балаларҙы тыңлата алырмы? Математика уҡытыусыһын директор итеп үрләткәс, уның 5 кластағы дәрестәрен дә йәш ҡыҙға бирҙеләр. - Дипломыңда гел " 5"-леләр генә тора, һинән дә ҡулайлы кеше тапманым, тырышырһың инде, һеңлем, - тине директор, ҡаршы дәлил килтергән ҡыҙҙы ишетергә лә теләмәй. Ҡыҙыҡ: был ауылда уҡытыусылар - "апа," "абый" икән. Башкөллө эшкә сумды үҙенә талапсан йәш ҡыҙ: балаларға еңел, аңлайышлы итеп еткерергә тырышты, институтта өйрәткән төрлө яңы методик алымдар ҡулланды, үҙе лә ныҡ эҙләнде. Уның һәр дәресен контролдә тотҡан күптән эшләгән завуч "яңыса" һәм "тормошсан", тип үҙенең иң юғары баһаһын ҡуйҙы. Класта 15 уҡыусының да уҡыу сифаты күҙгә күренеп яҡшырҙы, балалар гел, тауыҡ себештәре һымаҡ, Миңлегөл апалары янында булды. Ата - әсәләре шатланып бөтә алмай: өй эштәрен мыжымай ғына үҙ аллы эшләйҙәр, мәктәпкә ҙур теләк менән йөрөйҙәр. "Апа улай тимәй, былай кәрәк" - тип өйҙә лә уҡытыусының хәбәрен генә һөйләрҙәр ине. Хатта коллегалары көнләшеп, төрттөрәләр ине: "Йәш, һылыу булғас, яраталар инде". Халыҡ та: "Матурҙан төңөлмә", - тип әйткән бит.Ҡыҙ ирен өҫтөндәге ҡап - ҡара миңен нурландырып көлә лә: " Ярар, һөйләһендәр әйҙә, гонаһтарым юйылыр", - тип китә лә бара. Уҡытыусылар көнөнә класы менән бәләкәй генә концерт та ҡуйып ташланы: ҡасан йырларға ла, бейергә лә өйрәткән үҙе... Ҡыҙҙың үҙенең дә тасуири итеп шиғыр һөйләүен, мандолинала уйнап шаян йырҙар йырлауын, "хәс әртист кеүек", тип ауыл халҡы йылы ҡабул итте. Шулай, уйламағанда, абруй ҡаҙанды ла ҡуйҙы. Ноябрь айында үткән район кәңәшмәһенә мәктәп администрацияһы уға асыҡ дәрес ҡуйҙы. - Минең әле тәжрибәм аҙ, яуаплы дәрескә икенсе уҡытыусыны күрһәтегеҙ, мәктәп коллективының ышанысын да аҡларға кәрәк бит, - тип оҙаҡ ризалашманы ҡыҙ. Оло йәштәге рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: "Минең һәр дәресем - асыҡ дәрес", - тиһә лә, һәр яңылыҡҡа теше - тырнағы менән йәбешкән директор ҡолағына ла элмәне. - Мин Миңлегөлгә ышанам, - тине лә ҡуйҙы, бәхәскә урын ҡалдырмайса. Ҡыҙ бик оҙаҡ уйланғандан һуң башҡорт теле дәресен күрһәтергә булды: бик күп төрлө күргәҙмәләр әҙерләне. "Үлемдән оят көслө", - ти ине әсәһе гелән. Тырыш Миңлегөл дә төнөн йоҡламайса төрлөсә пландар төҙөп, уйында ғына үткәреп тә ҡараны... Дәрескә райондан бик күп уҡытыусылар килгәйне. Бер аҙ ҡаушап ҡалған балалар, апаларының һәр ваҡыттағыса нур бөркөп торған йөҙөн күреп, бик әүҙем ҡатнашты: төрлө уйындар, ребустар, күнегеүҙәр аша теманы асыҡлауға, аңлауға ирештеләр, үҙ фекерҙәрен иҫбатланылар, тасуири уҡынылар, бер - береһен баһаланылар. Уҡытыусы балаларға күберәк һөйләргә мөмкинселек биреп, бик йәнле итеп алып барҙы.Уның бөткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Дәрес юғары баһаланды, уҡытыусыларға балаларҙың бер - береһенә "билдә" ҡуйыуы оҡшаны: фекерләргә, ғәҙеллеккә өйрәнәләр, тинеләр. Шулай итеп, тиҙ арала ауылдың үҙ кешеһенә әйләнде йәш ҡыҙ. Бергәләп көҙгө алтын урманда усаҡ яғып бәрәңге бешереүҙәр, ҡышын сана, саңғы шыуыуҙар, яҙын ташҡын йылға ҡарау, йырғанаҡтан " кәмә" ағыҙыуҙар, бер - береһен мәрәкәләүҙәр, эс ҡатҡансы көлөүҙәр...Үҙ өсөнсөләре менән эшләү шул тиклем оҡшай Миңлегөлгә, күңелгә йылылыҡ, рәхәтлек килтерә... Тик бына 5 класта математика дәресендә бер малай уны ныҡ хафаға һалды: ҡырыҫ, өндәшмәҫ, битараф ҡиәфәттә тик ултыра... Өй эшен дә эшләмәй килә, таҡтаға ла сығарып булмай, аҫтан һөҙөп ҡарап ҡына ҡуя. Ул иптәштәре менән дә аралашмай, улар ҙа малайҙан ситләшәләр. Класс етәксеһе менән һөйләшкәйне: - "Уны әсәһе өләсәһенә ҡалдырған, элек ҡайҙалыр Себер тарафтарында йәшәгәндәр, беҙгә 3 класҡа килгән. Ул шулайыраҡ шул", - тине бик иҫе китмәй генә. Түбәнге кластар уҡытыусыһы: "Мин уны аңламаным да, яратманым да, класымды артҡа һөйрәне, томһорайып ултырҙы инде шунда", - тине лә ҡуйҙы. Пединститутта уҡығанда бөйөк педагогтар Макаренко, Сухомлинскийҙарҙың хеҙмәттәрен уҡып сыҡҡан Миңлегөл Салауат тураһында оҙаҡ уйланды. Бер көндө, дәрестәр бөткәс, һөйләшеп ҡарарға булды. Миңлегөл класҡа килеп ингәндә, малай ҡәләм менән нимәлер һыҙғылап ултыра ине. Уҡытыусыны күргәс тә, дәфтәр араһына тығып ҡуйҙы. - Мөмкинме ҡарарға, нимә төшөрә инең ул? Салауат ауыр ҡараштары менән һынап ҡарап торҙо ла, ҡапыл һүрәтен һуҙҙы. - Ох! Ҡәләм менән генә бик һылыу ҡатын эшләнгәйне. - Кем был матур апай! - Мама. - Хатта һәйбәт килеп сыҡҡан, былай матур итеп төшөрөргә ҡайҙан өйрәндең? - Я раньше ходил в Дом пионеров на кружок рисования... Ауыҙынан һүҙ тартып алып булмаған малай русса һөйләне лә һөйләне... Баҡһаң, улар элек Сургут ҡалаһында йәшәгән, әсәһе икенсе ағай менән йәшәй башлағас, өс йыл элек малайҙы ауылға өләсәһе янына ҡалдырған, шунан бирле әсә һе ҡайтҡаны ла юҡ... хат яҙа ла, посылка һала... Ғазап тулы күҙҙәренән бите буйлап эре - эре йәш тамсылары тәгәрәй ине... Ул һикереп торҙо ла йүгереп сығып китте... Миңлегөл дә йөрәге әрнеп, бер нәмә лә өндәшә алмай тороп ҡалды. Белә ул етемлектең нимә икәнен... "Етем илаһа - ер- һыу илар", - ти ине өләсәһе, әсәйҙән иртә ҡалған ейәнсәрен йыуатып. Ә бында "әсәйле йәтим"... Миңлегөл почтальондан Салауаттың әсәһенең адресын һорап алды ла, хат яҙҙы ла ебәрҙе... Иртәгәһенә дәрестә Салауат апаһына һағайып ҡараны, Миңлегөл элеккесә йылмайып уҡытыуын белде. Ҡыҙ һәр фән уҡытыусыһы менән айырым һөйләшергә булды. Иң беренсе итеп рәсем уҡытыусыһы менән һөйләшеп аптыратты: - Һеҙ Салауаттың "рәссам" икәнен белә инегеҙме ул? Унда талант бар бит. - Ошо класс өсөн генә "Көҙ" темаһына конкурс иғлан итегеҙ әле, тик бер үк Салауатҡа бер нәмә лә өндәшмәгеҙ, - тип инәлде. Конкурс тигәс Салауат та ҡатышырға булып китте. Ысынлап та, уның һүрәте иң яҡшыһы ине: мәктәп ишеге алдындағы ут һымаҡ янған саған ағасы янында бер һылыу ҡыҙ ағасҡа һоҡланып ҡарап тора. Шул тиклем килештереп, ысынбарлыҡ итеп төшөргәйне: бөтәһе лә " аһ" итте... Миңлегөл апаларын да танынылар. Ғәбит ағай кластың бөтә һүрәттәрен коридорға матур итеп элеп ҡуйҙы... Ошо көндә Салауат һуңғы ике йылда беренсе тапҡыр йылмайҙы, йөҙө бер аҙ асылды. Оло класс малайҙары ла килеп, малайҙың ҡулын ҡыҫып-ҡыҫып киттеләр, үҙ класы ла, тәү күргәндәй, ихтибарлай башланы. Миңлегөл икенсе булып рус теле укытыусыһы менән кәңәшләшеп: "Үҙ аллы эш биреп ҡарағыҙ әле, бәлки, рус әҙәбиәтендә күберәк һорарға, һөйләштерергә кәрәктер, русса бик һәйбәт аралаша бит ул малай... Тик, зинһар өсөн, һаҡ булығыҙ - күңеле ҡатҡан ул баланың - боҙ булған"... Тәжрибәле уҡытыусы был сәйер малайға икенсе күҙлектән ҡарарға булды. Теге һөйләшеүҙән ун көндәр уҙғас, Салауат беренсе тапҡыр, күҙлеген кейеп алып, ниҙер яҙып ултырҙы. Иптәштәре ҡарап - ҡарап алдылар, бер - береһенә төртөп -төртөп күрһәттеләр, ләкин береһе лә көлмәне. Был - Салауаттың тағы бер еңеүе ине. Шул көндән ул башҡаларға эйәреп дәрестәрҙә нәмәлер яҙып, уҡып ултыра башланы. Яйлап ҡына күҙ ҡарашы үҙгәрҙе, башын күтәрҙе... Бер көн Миңлегөл дәрестән һуң дәфтәр тикшереп ултырһа, Салауат килеп керҙе. Ишек төбөндә тапанып торҙо. - Йә, Салауат, кер әйҙә. Ҡалай һәйбәт булды әле: бынау дәфтәрҙәр буталып бөткәнсе, шуларҙы айырып ҡуйырға ярҙам итһәңсе... Малай яй ғына шыбырҙап уҡый - уҡый ике өлөшкә бүлә башланы. - Тимәк, уҡыу техникаһы ла түбән... Салауат башҡортса ҡыйынлыҡ менән генә: "Миңә математиканан дәресте яңынан аңлатығыҙ әле", - тип үтенде. Ошо көндән улар көн дә тигәндәй шөғөлләнә башланылар. Ҡыҙ төрлө миҫалдар, мәсьәләләр биреп эшләтеп ҡараны ла, өсөнсө кластан алып темаларҙы ике телдә аңлата башланы, ҡабатлау таблицаһын нығытты. Арып китһәләр, ҡысҡырып русса шиғыр уҡыйҙар, хикәйәләр уҡып, йөкмәткеһен һөйләшәләр. Салауатҡа кластарында иптәштәре лә ул - был һүҙ, һөйләмде русса нисек булыуын тәржемә итергә мөрәжәғәт итә башланылар, класс гәзитенең рәссамы итеп билдәләнеләр. Беренсе сиректә ныҡ ҡына йонсоған уҡытыусылар Яңы йылға ныҡлы ғына "3" - лө ҡуя алдылар. Шыршы байрамында әсәһе алып ҡайтҡан клоун кейемендә бик ғорур баҫып, сөнки береһендә лә ундай костюм юҡ, ихлас йылмайып тора ине. Уҡыу йылы бөткәнсе Миңлегөл апаһы Салауатҡа төрлө фәндәрҙән ярҙам итте. Йыл аҙағында уның "4" билдәләре лә күренгеләне. Эй, икәүләп һөйөнөүҙәре! Бер генә йыл эшләп ҡалды: тәүәккәл, булдыҡлы ҡыҙҙы районға, шунан Өфөгә үҡ үрләттеләр. Ләкин ошо бер йыл эсендә ул әллә күпме балаға күңел йылыһы биреп, белемгә ынтылыш тәрбиәләп өлгөрҙө. Уның уҡыусылары Салауат педучилищеһына, Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға кереп, уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр, хәбәрләшеп торалар. Әлеге көндә Миңлегөл ғаиләһе менән баш ҡалала йәшәй: республика күләмендә бик билдәле шәхес, бик күп хеҙмәттәр авторы, фән докторы ул. Хәҙер файҙалы эштәр башҡарырға уның даирәһе киң: күпме балаға ярҙам ҡулы һуҙа ала. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәне, ҡаршылыҡтар үткәрмәне: ауыл мәктәбендә уңышлы үткән бер йыллыҡ тормош һынауы ысын уҡытыусыға дөрөҫ юл күрһәтеүсе этәргес көс булып ҡалды. Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА, Урта Үтәш-Ябалаҡ ауылы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республикабыҙҙа хеҙмәт ветерандарына күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республикабыҙҙа хеҙмәт ветерандарына күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, граждандарҙы “Хеҙмәт ветераны” тигән льготалы категорияһы федераль закон менән билдәләнә, ә бына уларға социаль ярҙам сараларын һәр төбәк үҙаллы билдәләй. Башҡортостанда 1994 йылда уҡ бөтә категорияларҙы, барлыҡ социаль ярҙам сараларын күҙаллаған “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы закон ҡабул ителгәйне. Хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләү һәм торлаҡ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә айлыҡ аҡсалата компенсация ҡаралған. Әйткәндәй, Башҡортостан ҡануниәтендә “Хеҙмәт ветераны” статусынан мәхрүм итеү осраҡтары билдәләнмәгән, шулай ҙа социаль ярҙам сараларын туҡтатыу осраҡтары бар. Уларҙың тәүгеһе – икенсе төбәккә күсеп китеү, икенсеһе – кешенең башҡа нигеҙ, мәҫәлән, инвалидлыҡ буйынса махсус статусҡа эйә булыуы. Ике нигеҙ буйынса социаль ярҙам күрһәтелмәй. Бынан тыш, республикала даими йәшәп, хеҙмәт ҡануниәтен боҙмайынса тәғәйен ваҡытты теүәл эшләп үткәргән кешеләргә намыҫлы һәм өлгөлө хеҙмәте өсөн өҫтәмә категориялар булдырылған: “Пенсия таныҡлығында ташламаларға хоҡуҡ тураһында ҡушымтаһы булған хеҙмәт ветерандары” һәм “Оҙайлы эш стажына эйә булған хеҙмәт ветераны”. Федераль ҡануниәттә бындай статустар билдәләнмәгән. 1 июнгә ҡарата 53491 кеше “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы закон буйынса төрлө ташламаларҙан файҙалана. Йылына ветерандарҙың льготаларына республика ҡаҙнаһынан 2,6 миллиард һум йүнәлтелә. Фото: 24kovrov.ru Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөгөн 24 ноябрь сәғәт 17.00 Өфө фән һәм техника университетының Тамаша залында бик күп яҙыусыларыбыҙға ижад киңлектәрен иңләргә ҡанат ҡуйған “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенең әҙәби-музыкаль кисәһе үтә. Был әҙәби түңәрәктән Ғәлимов Сәләм, Сәғит Агиш, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Әхнәф Харисов, Кәтибә Кинйәбулатова, Ғайса Хөсәйенов, Абдулхаҡ Игебаев, Рауил Бикбаев һәм башҡа бик күп шәхестәрбеҙ оло ижадҡа тәүге һуҡмағын ярған. Бөгөн дә ул шул изге эшен дауам итеп, йәш көстәрҙе үҙенә туплап, әҙәбиәтебеҙҙә яңы исемдәр асыуға үҙ өлөшөн индерә. "Шоңҡар" дуҫтарын йыя Кисәлә “Шоңҡар”ҙарҙың бер нисә быуыны ҡатнаша, халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Гөлфиә Юнысова һәм башҡа бик күп ҡәләм оҫталары менән бергә йәш ижади көстәр ҙә сығыш яһаясаҡ. Быуындар күсәгилешлеген һаҡлаған бай тарихлы, 2024 йылда 90 йыллыҡ олуғ юбилейын билдәләйәсәк “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенең матур сараһынан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Милли проекттарға ҡағылышлы ниәттәр нисек тормошҡа ашырыла, ошо хаҡта даими мәғлүмәттәр биреп барабыҙ. Оҙайлы һәм ауыр үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Рәсәй иҡтисады үҫеш осорона аяҡ баҫа. Бындай шарттарҙа ил алдына ғәйәт ҙур бурыстар ҡуйыу һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итеү еңелдән түгел. Милли проекттарға ҡағылышлы ниәттәр нисек тормошҡа ашырыла, ошо хаҡта даими мәғлүмәттәр биреп барабыҙ. Оҙайлы һәм ауыр үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Рәсәй иҡтисады үҫеш осорона аяҡ баҫа. Бындай шарттарҙа ил алдына ғәйәт ҙур бурыстар ҡуйыу һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итеү еңелдән түгел. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгәнсә, милли проекттарҙы ысынбарлыҡҡа әүерелдереү халыҡ тормошон яҡшыртыуға килтерергә, тик был эштәр шыма отчёттарҙа түгел, ғәмәлдә булырға тейеш.Рәсәй иҡтисады яҡындағы биш-алты йылда 28 триллион һумдан артыҡ сығымдарҙы милли проекттарҙы ҡаралған эштәрҙе хәл итеүгә йүнәлтәсәк. Эксперттар билдәләүенсә, был мөһим проекттар Рәсәй кимәлендә шаҡтай уңышлы тормошҡа ашырыла. Шулай ҙа төҙөлөш эштәренә конкурстар ойоштороу, ойошмаларҙы һайлап алыу, проект-смета эштәрен яйға һалыуҙа тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал. Башҡортостанға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 175 миллиард һумдан артыҡ аҡса бүленәсәк. Әлегә демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, экология, автомобиль юлдары, мәҙәниәт тармаҡтарына бүленгән аҡса законға ярашлы файҙаланыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡса тик маҡсатлы ғына файҙаланылырға тейеш. Рәсәй мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, төбәктәрҙә дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡсаларҙы урларға тырышыуҙың тәүге осраҡтары теркәлгән, хатта хөкөм ителгән чиновниктар бар.
Ул Айыт ауылында тыуған, шунда уҡ башланғыс белем ала. 1922 йылда Бәләбәй педагогия техникумына уҡырға инә. Унан һуң ул Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында уҡый, республика гәзиттәре hәм журналдары менән хеҙмәттәшлек итә, Татиздаттың балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәте редакцияһында эшләй. Фәтих Кәрим үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бөгөнгө көнгә ҡәҙәр бирелеп уҡырҙай шиғырҙар ижад итeргә өлгөргән. Уның шиғырҙары ябайлылығы hәм ихласлығы менән йәлеп итә. Ул ябай ғына булған әйберҙе шундай тылсымлы итеп тапшыра белгән, ул ниндәйҙер илаhилыҡҡа әүерелгән. Фәтих Кәрим үҙенең Ватанын бик яратҡан. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул уйлап та тормайынса фронтка китә. 1945 йылдың февралендә дошман пуляһы уның ғүмерен ҡыя. Кенигсбергҡа кергән урында хәрби бурысын үтәп, батырҙарса һәләк була. Фәтих Кәрим Калининград өлкәһе Багратионовск ҡалаһының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Бишбүләк тарих-этнография музейы татар шағиры Фатих Кәримдең тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған «Беҙ хәтерләйбеҙ һине, Фәтих Кәрим!» музей акцияһы үткәрҙе. Район үҙәгендә йәшәүселәр танылған шағирҙың портреты hәм биографияһы менән иҫтәлекле открыткалар алды. Район китапханаһы китапханасылары Фәтих Кәримдең шиғырҙарын уҡыны. Ҡәҙерле яҡташтар, әйҙәгеҙ, ысын патриот, талантлы шағир hәм батыр һуғышсы, Ватаныбыҙ һаҡсыһы иҫтәлегенә лайыҡлы булайыҡ! Роза Иванова, Бишбүләт тарихи-этнография музейы директоры. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
1-2 февраль район үҙәгенең “Юбилей” стадионында 28-се Ауыл уйындары сиктәрендә төбәк-ара хоккей ярышы уҙасаҡ. 1-2 февраль район үҙәгенең “Юбилей” стадионында 28-се Ауыл уйындары сиктәрендә төбәк-ара хоккей ярышы уҙасаҡ. Спорт сараһында Архангел, Иглин, Нуриман һәм Өфө райондары йыйылма командалары үҙ-ара көс һынашасаҡ. Иртәгә Абҙан ауылында Р.И.Фәйзуллин иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы ойоштороласаҡ. Архангелдәрҙән тыш, тиҙлек һәм сыҙамлыҡ талап иткән спорт бәйгеһендә Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары спортсылары ла ҡатнашасаҡ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Бөгөн ҡайһы бер илдәрҙә Шеф көнө билдәләнә. Уны икенсе төрлө Бостың милли көнө тип тә атайҙар. Был көн – етәкселәрҙең һөнәри байрамы. 1958 йылда Америка компанияһында сәркәтип булып эшләүсе Патриция Хароски яратҡан етәксеһенә хөрмәт йөҙөнән яңы байрам булдырырға тәҡдим итә. 1962 йылда был байрам Иллинойс штаты губернаторы Отто Карнер тарафынан рәсми рәүештә раҫлана. Был көндө хеҙмәткәрҙәр етәкселәрен тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен әйтә. Шеф көнөн байрам итеү йолаһын башҡа илдәр ҙә күтәреп,ул бөтә донъя буйынса тарала. Әле был байрамды АҠШ, Канада, Европа, Австралия һәм Көньяҡ Африкала билдәләйҙәр. Рәсәйҙә лә Шеф көнө киң популярлыҡ яулай бара. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырылыуын дауам итә. Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә “Ҡала мөхите” төбәк партия форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Республика етәксеһе унда ҙур инфраструктура проекттарына йомғаҡ яһаны һәм муниципалитеттар, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе алдында ошо йүнәлештә торған бурыстарҙы билдәләне. – Беҙ ауыр, ләкин мауыҡтырғыс эште башлап ҡына торабыҙ, сөнки шулай килештек: ауыл һәм ҡалаларҙың йөҙөн ныҡлап үҙгәртәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Һис шикһеҙ, етәкселәр һәм муниципалитет башлыҡтары булараҡ, көндәлек эшебеҙҙә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, ә бөгөнгө һөйләшеү – уңайлы мөхит булдырыу тураһында. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” программаһы, подъездарҙы ремонтлау, “Ҡалала уңайлы мөхит тыуҙырыу” федераль проекты буйынса әүҙем эш бара. Уларға аҡса бүленгән, хәҙер ҙур күләмдәге эш көтә. Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты” вәкилдәре менән осрашыуында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ил өсөн үтә мөһим йүнәлеш тип атағайны, сөнки "ул халыҡтың кәйефенә генә ыңғай йоғонто яһап ҡалмай, ә шуның аша иҡтисад үҫешен тиҙләтергә лә һәләтле". #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: glavarb.ru. https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Auir-l-kin-maui-tir-is-esh-bashlandi-20386/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Күп ҡатлы йорттарҙың байтағында подъездар насар хәлдә булыуын иҫәпкә алып республикала комплекслы ремонтлау буйынса программа ҡабул ителеүе, ремонтҡа аҡса республика һәм муниципалитет ҡаҙнаһынан бүленеүе тураһында гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде. Подъездарҙы ремонтлау стеналарҙы буяу менән генә сикләнмәй. Комплекслы алып барыласаҡ эштәр барышында йорттарҙың инеү ишектәре һәм баҫҡыс майҙансыҡтарындағы тәҙрәләр яңыртыла,почта йәшниктәре һәм башҡа урындар төҙөкләндерелә. Был комплекслы программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсен-дә ремонт талап ителгән подъездарҙың ба-рыһы ла икенсе йәшлеген кисерәсәк. Подъездарҙы ремонтлау программаһы беҙҙең районда ла старт алды. Әлеге ваҡытта Йылайырҙа бер нисә күп фатирлы йорттоң подъездарында ремонт эштәре бара. Быйыл 644 мең 212 һумға 5 подъезды ремонтлау күҙаллана. Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр барышы менән танышты. Район башлығы ремонтсы эшселәр, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр, йорттар советы ағзалары менән һөйләште, һорауҙарға яуап бирҙе, теләктәрен әйтте. Был эштәрҙе башҡарғанда, иң мөһиме, йортта йәшәүселәр менән кәңәшләшеп эшләү. Ремонтты тамамлағандан һуң да эште подъездағы фатирҙар хужалары ҡабул итеп алырға тейеш. Программаның маҡсаты ла – күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙе ремонтта ҡатнашыуға, уға булышлыҡ итеүгә йәлеп итеү. Халыҡ әйтмешләй, үҙең тапҡан аш – татлыраҡ, үҙең тапҡан мал – ҡәҙерлерәк була бит. Район үҙәгендәге күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау бер нисә этапҡа бүленгән. Беренсе этап – апрелдән июнгә тиклем, икенсе этап – июндән авгусҡа тиклем, өсөнсө этап – августан октябргә тиклем, ә дүртенсе этап октябрҙән ноябргә тик-лем уҙғарылырға тейеш. Беренсе этапта Ҡыҙыл партизандар урамындағы 91-се, 87-се һәм Ленин урамындағы 115-се йорттарҙың подъездары ремонтлана. Гөлгөнә БАЙСУРИНА. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Сибай ҡалаһында икенсе йыл рәттән матур йолаға әйләнгән “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы -2020” Бөтә Рәсәй II инвестиция һабантуйы үтәсәк. Уның ойоштороусылары - Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй”, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, шулай уҡ төп эшҡыуарлыҡ берекмәләре. Пандемия осоронан һуң сит ил делегацияһының тәүге тапҡыр конгресс-күргәҙмә сараларында шәхсән ҡатнашыуы көтөлә. “Стратегик инициативалар агентлығы”ның генераль директоры Светлана Чупшева белдереүенсә, "Власть һәм бизнес, йәмғиәт һәм коммерция булмаған сектор араһында ике яҡлы диалог майҙансығы булыуына тулыһынса ышанам. Тик бергәләп кенә глобаль һәм амбициоз мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин". Республика Башлығы Радий Хәбиров та сара хаҡында үҙ фекерен белдерҙе. "Беҙ Сибай һәм Башҡортостандың башҡа ҡалалары яҡшыраҡ булһын, үҫешһен өсөн осрашырға, фекер алышырға, проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлектәрен өйрәнергә тейешбеҙ. Бөгөн аныҡ эштәргә икенсе күҙлектән ҡарарға кәрәк", - тине. Инвестиция һабантуйының эшлекле программаһы барлығы 9 дискуссия секцияһын үҙ эсенә ала. "Моноҡала: үҫеш биләмәһе", "Эске туризм", "Бәләкәй ҡалаларҙың төбәк стратегияһында роле" һәм башҡалар. Шулай уҡ программала ҡала һәм район башлыҡтарының стратегик сессиялары ҡаралған. Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Сарала “Стратегик инициативалар агентлығы”ның генераль директоры Светлана Чупшева, ВЦИОМ йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Федоров, Стратегик инициативалар агентлығы”ның Күҙәтеү советы ағзаһы Александр Калинин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы көтөлә. Иң күп ҡунаҡтар Төркиәнән килә, үҙенең шәхсән киләсәген Измир ҡалаһы муниципалиты мэры Тунч Сойер әфәнде белдергән. “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы - 2020” бик уникаль форматта үтеүе менән әһәмиәтле. Сарала ҡатнашыусыларҙы эшлекле һөйләшеүҙәр генә түгел, ә мәҙәни һәм күңел асыу программалары ла көтә. Сара Сибай ҡалаһының 65 йыллыҡ юбилейын билдәләнгән көндәрҙә үтеүе менән дә әһәмиәтле. Ошо уҡ көндә башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" конкурсы ойошторола, еңеүсегә төп приз - еңел автомобиль тапшырыласаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы һәм ҡала халҡы өсөн сит ил һәм Рәсәй йондоҙҙарының сағыу концерты ҡыуандырасаҡ. Инвестиция һабантуйы сиктәрендә "Ҡаҙ һәм бал" гастрономик фестивале үтәсәк. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров менән берлектә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн һауыҡтырыу лагерын төҙөү урынында тәүге кирбес һалыу планлаштырыла. Был сараларҙың барыһы ла пандемия шарттарында Роспотребнадзорҙың бар талаптарын иҫәпкә алып үткәреләсәк, битлектәр кейеү режимы тулыһынса һаҡланасаҡ. Ошонан сығып, сарала ҡатнашыусылар һаны сикләнгән, пленар өлөштө онлайн форматта күҙәтергә мөмкин буласаҡ.
Асҡар Абдразаҡов «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советына инде. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проектының 2019 йылдағы тәүге киңәйтелгән ултырышында опера йырсыһы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. «Рәсәйҙә дөрөҫ яҙыу акцияһы ойошторолғайны. Беҙҙә лә башҡорт халҡы араһында ошо теманы тергеҙергә һәм дауам итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Әйҙәгеҙ, башҡортса дөрөҫ яҙыу конкурсын үткәрәйек. Уны татар, рус, мордва һәм республикабыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтарҙың телдәренә нигеҙләнеп уҙғарырға мөмкин. Шул рәүешле беҙ йәш быуындың белемлелеген арттыра башларбыҙ. Был бәләкәй ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы бик ҡыҙыҡһындырыр ине», — тине артист. Шулай уҡ Асҡар Абдразаҡов хакимиәт башлыҡтарына балаларҙы театрға йәлеп итеү темаһын асырға тәҡдим итте. «Баланы спектаклгә алып барырҙан алда, уны театр буйлап йөрөтөргә, костюмдарҙы, декорацияларҙы күрһәтергә, ошо театрҙың тарихы, сәхнәлә кемдәрҙең сығыш яһауы хаҡында һөйләргә кәрәк. Был бик мөһим. Йәш тамашасыларҙы шулай тәрбиәләргә мөмкин», — тип билдәләне йырсы. «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советына билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инә. Советты Башҡортостандың халыҡ артисы, республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе Александр Кузьменко етәкләй. http://www.bashinform.ru/news/1267899-askar-abdrazakov-predlozhil-provodit-konkurs-bashkirskogo-pravopisaniya/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
6 – 7 октябрҙә баш ҡалабыҙҙың ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында «Еңел сәнәғәт – 2022» форумы үтә. Уны Башҡортостан Хөкүмәте, республикабыҙҙың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, «Башҡортостан күргәҙмә компанияһы» ойоштора. Форумда сит илдән дә вәкилдәр ҡатнаша Еңел сәнәғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү, индустрияның мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү өсөн бында власть органдары, ассоциациялар, еңел сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре, шулай уҡ сит ил делегациялары һәм тармаҡ эксперттары бер майҙанға йыйылды. Быйыл форумда барлығы 60-тан ашыу компания һәм шәхси эшҡыуар ҡатнаша. Ул бер нисә тематик майҙансыҡҡа бүленгән. – Семәрле ламбрекен, салфеткалар эшләүҙән башлағайным. Социаль килешеү нигеҙендә 250 мең һумлыҡ адреслы ярҙам алғандан һуң сигеү, сәнәғәт машинаһы, парагенератор кеүек ҡоролмалар һатып алып, мендәрҙәрҙе сигеүгә тотондом. Унан тыш, биҙәлгән йомшаҡ дизайнер ултырғыстар яһау менән дә булышам, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә лә ниәтем бар, – ти биш йыл үҙ эшен алып барған Зәлиә Килдеғошова. «Матур» ательеһында тегелгән аяҡ-кейемдәре бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итте. Бында үҙең теләгән дизайн менән аяҡ-кейеме тектереп алып була. «Бына ошондай кроссовкиҙы Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев кейгәнен, бәлки, күргәнегеҙ ҙә барҙыр әле. Беҙҙән тектереп ала ул», – ти маҡтанып та ҡуйҙы бында эшләүселәр. Иртәгә, 7 октябрҙә, форумда «Хәҙерге заман ысынбарлығында еңел сәнәғәт. Үҫеш нөктәһе» темаһына асыҡ һөйләшеү форматында пленар сессия үтәсәк. Бында шулай уҡ «Рәсәй сифат системаһы» ойошмаһы һәм «АИДТ» балалар тауарҙары индустрияһы преприятиелары ассоциацияһы менән бер нисә Хөкүмәт килешеүе лә төҙөлөү көтөлә. Форум бик бай программаны үҙ эсенә ала. Еңел сәнәғәт өлкәһендә әле эшен алып барған һәм буласаҡ эшҡыуарҙар өсөн төрлө йүнәлештә 20-гә яҡын «түңәрәк өҫтәл», асыҡ лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола. Секциялар эшендә Рәсәйҙән һәм сит илдән 70-тән ашыу абруйлы тармаҡ спикерҙары ҡатнаша. Әйткәндәй, форум майҙансығында тәүге тапҡыр мәктәп формаһы конкурсы үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙың һәм килеүселәрҙең тауыш биреүен иҫәпкә алып, уларҙың еңеүселәрен абруйлы жюри баһалаясаҡ. Шулай уҡ уҡыу йорттары студенттары, урындағы йәш дизайнерҙар мода ла күрһәтә.
Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт теле йылына арналған төбәк-ара форумы икенсе көн уңышлы дауам итә. Бөгөн уҡытыусылар өсөн бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, “Эдвис” уҡытыу-методик үҙәге, республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге учреждениеһы һәм башҡалар ҡатнаша унда. Учалы районының Иманғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнил Бүләковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был донъяла туған телдән дә ҡәҙерлерәк һәм ҡиммәтлерәк бер нимә лә юҡ. – Былтыр Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында ҡатнашырға тура килде. Унан иҫ киткес бай тәьҫораттар менән ҡайттым, – тине Фәнил Нил улы. – Тап шунда уҡытыуҙағы заманса яңы интернет технологияларҙы булдырып, халыҡҡа сығарыу хаҡында һөйләгәйнеләр. Ҡыуанысым сикһеҙ, бихисап уй-ниәттәр ғәмәлгә ашырылған икән. Афариндар! Һәр береһен уҡытыусыларға, балаларға рәхәтләнеп ҡулланыу мөмкинлеге бар. Ошо файҙалы эштәр республика Башлығы гранттары ярҙамында башҡарылған. Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл ул эшләгән Советтар Союзы Геройы исемендәге Иманғол урта мәктәбе лә республика Башлығының грантын отҡан. Төп маҡсаттары – халыҡтың рухи байлығын, фольклор өлгөләрен юғалтмай киләсәк быуынға еткереү, балаларҙа туған телгә, тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Ошо проект-хыялды ысынбарлыҡ итеүсе гранттар булғанына ҡыуаналар. – Телебеҙҙе һаҡлауҙың алғы сафында башҡорт теле уҡытыусыһы тора, – тип дауам итте һүҙен Фәнил Бүләков. – Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусылары форумында илһөйәр, телһөйәр, алдынғы ҡарашлы коллегаларымды күреп һөйөндөм. Уларҙың һәр береһе яңылыҡтары, үҙ алымдары менән ихлас бүлеште. Тәүге көндө күренекле шағирә Зөлфиә Ханнанованың бик шәп шиғыр кисәһе уҙҙы. Йөрәктәрҙе елкетеп, күңел ҡылдарын сиртеп, йәнде лә һыҙлатты ул. Беҙ ҙә, уҡытыусы-шағирҙар ҙа, үҙ һүҙебеҙҙе еткерҙек. Коллегаларым заман менән бергә атлаһа, өҫтәүенә, ата-әсәләр беҙгә терәк булһа, дәүләт телебеҙҙе күтәрмәләһә, балаларыбыҙ үҙ теле менән ғорурланыр, халҡыбыҙҙың киләсәге данлы булыр тип ышанам. Ул әйткән һүҙҙәрен "тормошома изге ҡотто биргән, ҡотло иткән беҙҙең ғүмерҙе туған телем, әсә һөтө кеүек, һәр сабыйға шундай ҡәҙерле" тигән шиғыр юлдары менән тамамланы. Фәнил Бүләков фотоһы. #Башҡорттеле2020 #БашҡорттелеФорум #ФорумБашкирскогоязыка #Башкирскийязык2020 #Телебеҙҙеһаҡлайыҡ Автор: Илдар Акьюлов https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Tu-an-telem--s--t-ke-ek--r-sabiy-a-shunday--erle-470463/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан биләмәһендә яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимын индереү тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр 19 октябрҙә индерелә. «Норма популяр түгел, ләкин беҙ ошо аҙымға барабыҙ, — тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Ресторандарҙа һәм башҡа дөйөм туҡланыу урындарында корпоративтар, йәғни күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе тыйырға. Корпоративтарҙы, банкеттарҙы – быларҙың бөтәһен дә һуңыраҡ ваҡытҡа күсерәбеҙ. Беҙгә үпкәләмәһендәр. Юғиһә аҙаҡ ошо ресторандарҙы яба башларбыҙ, ә беҙ улай эшләргә теләмәйбеҙ». «Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәнә 68 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 9 809 осрағы теркәлгән. https://www.bashinform.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Төрлө осрашыуҙар үткәреп үҙенә йәлеп иткән 9-сы китапхана «Аҡ ҡалфаҡ» татар йәмғиәт ойошмаһы менән берлектә быйылғы Ғаилә йылына, һөйөклө Салауатыбыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына арнап тағы ла шаулатып сара ойошторҙо. Унда 18-се мәктәптән Вәсимә Фәйзуллина, 4-се мәктәптән Гөлназ Шаймарҙанова үҙҙәренең уҡыусылары менән килде. Беренсенән, сарала башланғыс синыф балаларының әсә телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ни тиклем белеүҙәре тикшерелеп ҡаралһа, икенсенән, уларҙа оло йәш быуын кешеләренә, өләсәй-олатайҙарына булған һөйөү ихтирам тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотто. Төрлө осрашыуҙар үткәреп үҙенә йәлеп иткән 9-сы китапхана «Аҡ ҡалфаҡ» татар йәмғиәт ойошмаһы менән берлектә быйылғы Ғаилә йылына, һөйөклө Салауатыбыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына арнап тағы ла шаулатып сара ойошторҙо. Унда 18-се мәктәптән Вәсимә Фәйзуллина, 4-се мәктәптән Гөлназ Шаймарҙанова үҙҙәренең уҡыусылары менән килде. Беренсенән, сарала башланғыс синыф балаларының әсә телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен ни тиклем белеүҙәре тикшерелеп ҡаралһа, икенсенән, уларҙа оло йәш быуын кешеләренә, өләсәй-олатайҙарына булған һөйөү ихтирам тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотто. Фәнзилә Тибеева әҙерләгән сара бик ҡыҙыҡлы конкурс формаһында үтте. Зал уртаһындағы дүрт өҫтәлдә бишәр бала һәм берәр өләсәй урын алды. Һәр команда исем һайланы. 1-се өҫтәл - «Аҡ сәскәләр», өләсәләре Рафиға Зәйнул-лина, 2-се өҫтәл - «Умырзая», өләсәләре Әлфиә Яноҙа-ҡова, 3-сө өҫтәл - «Еләктәр», өләсәләре Фәниә Йосопова, 4-се өҫтәл - «Йондоҙҙар», өләсәләре Фруза Шәйхе-нисламова. Фәнзилә Әхмәт ҡыҙы балаларҙың әсә теле бу-йынса белемдәрен тикше-реп һорауҙар бирҙе, уларҙы сәмләндереп ебәрҙе. Балалар асыҡ һәм дөрөҫ яуап бирергә тырышты. Уларҙың яуаптарын Тәнзилә Кәримова, Миңленур Хә-кимова һәм мин баһалап ултырҙыҡ. Беренсе этапта бала-ларға өләсәйҙәре, улар менән нисек арала-шыуҙары тураһында һорауҙар бирелде. Икенсе этап исем һайлау темаһына бағышланды. Һәр бала үҙенең исеме, уның нимә аңлатыуы тураһында матур итеп һөйләп бирҙе. Өсөнсө этапта уҡыусыларҙың үҙ телендә һандарҙы белеүе тикшерелде. Уларҙың шул тиклем тырышып яуап биреүҙәре беҙҙе, жюри ағзаларын, һоҡландырып та, мәрәйҙәр ҡуйғанда бәхәскә лә индереп алды. Һәр өҫтәлдән балалар сығып Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын һөйләне, өс ҡыҙ «Туған тел» йырын башҡарҙы. 4-се мәктәп уҡыусыһы Илнар Шаймарҙанов баянда ла уйнап ишеттерҙе. Бик күп мәҡәлдәр, әйтемдәр яңғыраны. Шулай итеп, конкурстың һуңғы этабы ла яҡынлашты. Өләсәйемә аш-һыу әҙерләшәм бәйгеһе башланды. Ул бик ҡыҙыу барҙы, һәр өҫтәл үҙҙәре менән килтергән аҙыҡтарҙан винегрет, оливье турамалары эшләне. Һәр кем еңеүгә ынтылды, жюри йөрөп эш барышын, сифатын, тиҙлеген һәм бөхтәлеген күҙәтте. Дүрт өләсәй айырым һынау ҙа тотто. Рафиға Зәйнуллина, Фәниә Йосопова балаларҙы бәүетеп йоҡлатыу йырҙарын башҡарһа, Әлфиә Яноҙаҡова үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡалфаҡтарын күрһәтеп, уларҙы нисек итеп тегеүен, биҙәлештәрен тасуирлап һөйләне. Фруза Шәйхенисламова гармунда уйнап йырлауы менән таң ҡалдырҙы. Хатта һуңынан гармунда уйнарға өйрәтеүен һорап мөрәжәғәт итеүсе балалар ҙа булды. Жюри конкурсҡа йомғаҡ яһаған арала «Аҡ ҡалфаҡ»тарҙың «Йондоҙҙар» төркөмө матур сығыштары менән ҡунаҡтарҙың да, конкурсанттарҙың да күңелен күрҙе. Китапхана мөдире Мария Альмировна балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләп, һәр кем үҙ телен, үҙ милләтен яратҡанда ғына, тыуған ерендә бәхетле кеше буласаҡ, тине. Еңеүселәрҙе билдәләү бик ҡыйынға төштө. 3-сө һәм 4-се өҫтәлдәр беренсе, 1-се һәм 2-се өҫтәлдәр икенсе урындарҙы яуланы. Һәр өҫтәлдән иң күп мәрәй йыйыусы берәр баланы иғлан итмәйенсә булдыра алманыҡ. «Аҡ сәскәләр»ҙән - Камила, «Умырзаялар»ҙан - Камила, «Еләктәр»ҙән - Эльвера, «Йондоҙҙар»ҙан Илияна бик күп һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүе менән һоҡландырҙы. Ә «Умырзая» төркөмөнән Алһыу матур милли кейеме һәм әүҙем ҡатнашыуы өсөн бүләккә тәҡдим ителде. Еңеүселәргә призға китаптар, һәр балаға «Әннәби» йәмиғ мәсетенән Рәмил хәҙрәт Насиров әҙерләгән тәмлекәстәрҙе тараттылар. «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһының етәксеһе Фәнзилә Тибеева тырышлығы менән ойошторолған сара-конкурс бик күңелле үтте.
Әхтәм Фәйзуллин: Туристар йыш ҡына һалда йөҙөп, бәләгә тарый. Йөҙөргә сығыр алдынан алдан инструктаж алырға, алдан әҙерләнергә кәрәк. Кеше балалары, туғандары өсөн яуаплылыҡ тоторға тейеш. Йәй еткәс, күп кеше баҡсала була, төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнеүселәр күп. Көнкүрештә йәрәхәтләнеүҙәр күбәйә. Электр инструменттарын тотонғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәйҙәр. Инструкцияны уҡымай, эш башлайҙар. Кеше үҙенә эшләгән саҡта ял итмәй, ҡараңғыға тиклем эшләй, арый. Беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, төштән һуң травматизм күбәйә. Ҡыйыҡта эшләгәндә һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк, оло йәштәгеләргә менергә лә ярамай, ҡолап төшөүҙәр күп. Эш ҡоралын ҡулға алыр алдынан был ҡорал менән эшләй алаһыңмы-юҡмы, ошоно уйларға кәрәк. Бысаҡтарҙы үткерләгәндән һуң, ғаилә ағзаларын иҫкәртергә онотмаһындар. Йәй көнө балалар менән төрлө ҡазалар бик йыш осрай. Бәләкәй балаларҙы күҙҙән ысҡындырмағыҙ. Юл аша етәкләп кенә үтергә кәрәк. Уҡыусы балаларға ҡағиҙәләрҙе ныҡлап өйрәтергә тейешбеҙ. Светофор аша дөрөҫ үтергә, туҡталыштарҙа торғанда юл ситенә бик яҡын торорға ярамағанын аңлаһындар. Бәлә әҙәм балаһын аҙым һайын һағалап ҡына тора. Артыҡ көсөргәнештән йәрәхәт алғандар күп. Һеңерҙәр тартылып, күгәргән ерҙәргә иғтибар бирмәй йөрөмәгеҙ, ваҡытында врачтарға мөрәжәғәт итегеҙ. Тормош-көнкүреш травмалары әҙ булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Саҡ торған ултырғысҡа баҫып, өҫкә ынтылып, әйбер алалар, эш эшләйҙәр. Махсус баҫҡыстар алығыҙ, улар хәҙер бөтә ерҙә һатыла, йәрәхәтләнеүҙәр ҙә кәмер ине. Ауыл хужалығында иң күп травманы эскән килеш алалар. Ауылда йәрәхәт алғандар яраһына бысраҡ индерә, төҙәлеү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙыла. Төҙәлер әле, тип табипҡа күрһәтмәй йөрөйҙәр. Ауыл хужалығында, төҙөлөштә эшләгәндә, уңайлы, таймай торған аяҡ кейеме алырға кәрәк. Йәштәр ҡалала мотоциклда йөрөгәндә ныҡ һаҡ булһын. Тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен һәр кемгә өйрәнергә, белергә кәрәк.
Ирекмән-уҡытыусылар медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына дистанцияла уҡыған осорҙа мәктәп программаһын үҙләштереүҙә бушлай ярҙам күрһәтә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Online-уҡытыусы 2.0” проекты үҙ эшен яңынан башлай. Проект ил Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ирекмән-уҡытыусылар медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына дистанцияла уҡыған осорҙа мәктәп программаһын үҙләштереүҙә бушлай ярҙам күрһәтә. – Һәр мөрәжәғәт шәхсән ҡарала. Уҡыусыларҙың квалификациялы уҡытыусылар менән йәнле онлайн-аралашыуын ойоштороу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, – тине БДПУ-ның ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Лиана Кожевникова. – Ирекмән-уҡытыусылар математика һәм информатика, рус, инглиз һәм туған телдәр, биология, химия, физика, география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәне һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ярҙам итергә әҙер. Балаға ярҙам күрһәтеүҙе һорап яҙған ғаризаны түбәндәге һылтанма буйынса ебәрергә: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdsLLouy60eHQwmp5C_yzEE3oFljXXO4kr5Zrs8qbJRjDm6ww/viewform Ирекмән уҡытыусы булырға теләгәндәргә түбәндәге һылтанма буйынса инеп, тәғәйен форманы тултырыу шарт: https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdkjAd0WH2L8CKRRBDi-mjgIIgZ395jn7NiXG5APd396zyfJQ/viewform Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Бөтә ил үҙаллы изоляция режимында көн иткәндә, райондаштарыбыҙ халыҡ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеүен дауам итә. Республикала үҙаллы изоляция режимы индерелеү менән һаҡланыу әйберҙәренә лә һорау тыуҙы. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Фәйрүзә Рәхмәтуллина менән Рәсилә Исхаҡова ошоно күҙ уңында тотоп, эшкә тотондолар. Бөгөнгө көндә улар рейдта, патрулдә йөрөүсе полиция хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр һәм призывниктар өсөн 700 битлек теккәндәр ҙә инде. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ошолай берҙәм булғанда был сиргә лә аҙырға юл ҡуймабыҙ. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала 9 октябргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 9 191-гә еткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала 9 октябргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 9 191-гә еткән. Тәүлек эсендә вирус 47 кешелә табылған. Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 107 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы көрәшә. Шуларҙың һигеҙенең хәле ауыр тип баһалана, берәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 743. Кисәле-бөгөнлө 25 кеше, был сирҙән сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан. Унан, дөйөм алғанда, 8 298 яҡташыбыҙ һауыҡҡан. Республикала COVID-19-ҙан вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 43. Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 12 126 осрағы теркәлгән. Эпидемия башланғандан бирле был – илебеҙҙә бер тәүлектә асыҡланған ауырыуҙарҙың иң ҙур һаны. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
– Тәүге күлдәгемде мин мәктәп йылдарында тектем. Ул йәшел сәскәле ябай материалдан ине, – тип иҫенә төшөрә Мәүжиҙә Хәйретдин ҡыҙы. Тәүҙә ул үҙе һәм балалары өсөн кейем тегә, күршеләренә ярҙам итә, һуңынан ауылдаштарынан заказдар була башлай. Ҡул эше оҫтаһы илһамланып мәктәп уҡыусылары өсөн формалар, күлдәктәр, юбкалар тегә. – Минең махсус белемем юҡ. Барыһына ла үҙ аллы өйрәндем. Инде ҡырҡ йылдан ашыу тегәм, тәжрибәм бар. Шул ғүмер эсендә өс теген машинаһы алмаштырҙым. Йәш саҡта “Бурда” тигән модалар журналы алдыра инем. Бөгөн интернет селтәре яр- ҙамға килә, унан мин кәрәкле мәғлүмәт алам, башҡа ҡул оҫталары ижады менән танышам. Әҙер эштәремде үҙемдең “Бәйләнештә”ге сәхифәмә һалам. Уларҙы күреп кешеләр заказдар бирә, – ти Мәүжиҙә апай. Оҫта көндәлек кейем-һалым ғына түгел, ә ижади коллективтар өсөн милли кейемдәр ҙә тегә. Уның ярҙамында “Зөбәржәт” фольклор ансамбле костюмдары тулыһынса яңыртылған. Мәүжиҙә апайҙың тағы ла бер мауығыуы бар – ул түшлектәр тегеү. – Районда милли кейем- дәрҙе тергеҙеү буйынса ҙур эш башланғас, мин түшлектәр менән ҡыҙыҡһынып киттем. Уларҙы мин боронғо стилдә лә, заманса итеп тә эшләйем, – ти ул. Хужабикәнең өйөндә бүлмә гөлдәре күҙҙең яуын ала. Уның тәҙрә төптәрен фиалкалар, антуриумдар, фикус-тар, яран гөлдәр, бегониялар – барлығы 80-ләгән гөл биҙәй. Күршеләре уның өйөн ботаника баҡсаһы менән сағыштыра. Мәүжиҙә апай – хеҙмәт ветераны. Ул Мәсәғүт ауылы типографияһында баҫмасы, Дыуан-Мәсетле мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән, әммә уның төп хеҙмәт стажы мәктәптәге китапханасы эше менән бәйләнгән. Ул ижади сараларҙа, конкурстар-ҙа әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел ауыл китапханаһында үткән шиғыр һөйләүселәр конкурсында Мәүжиҙә Аллаярова беренсе урын алған.
Республикабыҙҙың 50 муниципаль китапхана хеҙмәткәрҙәре «Хәҙерге заман технологиялары һәм һәр кем аңларлыҡ муниципаль китапхана практикаһы» программаһы буйынса уҡыу үтте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Республикабыҙҙың 50 муниципаль китапхана хеҙмәткәрҙәре «Хәҙерге заман технологиялары һәм һәр кем аңларлыҡ муниципаль китапхана практикаһы» программаһы буйынса уҡыу үтте. Улар өсөн уҡыу 10-ынан 28 июнгә тиклем «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» төбәк проекты сиктәрендә алып барылды. Әле Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк райондарынан китапхана хеҙмәткәрҙәре тыңлаусылары булды. Киләһе төркөмдө уҡытыу көҙ көнө үтәсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләргә тәғәйен социаль түләүҙәрҙе алыу процедураһын ябайлаштырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ социаль хеҙмәттәргә граждандарҙың килеме тураһында мәғлүмәтте һалым органдарынан туранан-тура алыу хоҡуғын бирә. Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләргә тәғәйен социаль түләүҙәрҙе алыу процедураһын ябайлаштырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ социаль хеҙмәттәргә граждандарҙың килеме тураһында мәғлүмәтте һалым органдарынан туранан-тура алыу хоҡуғын бирә. Билдәле булыуынса, ил етәксеһе үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылдың 1 ғинуарынан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға ай һайын бирелә торған түләүҙәр индерелеүе хаҡында белдергәйне. Пособие ғаилә килеме йән аҫырау өсөн бер кешегә иң түбән сығымдар кимәленән аҙ булған осраҡта билдәләнә. Яңы закон уны түләй башлауҙы ябайлаштыра һәм граждандар өсөн ҡулай тәртип булдыра. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#башҡортостан #һалым #бурыс Бурыс йыйма, һалымыңды түлә! Республикала һалым органдары милеккә, ер һәм транспортҡа һалым түләү хаҡында иҫкәртә. Уны 2 декабргә тиклем «Рәсәй Почтаһы»ның яҡындағы бүлексәләрендә, терминал, Федераль һалым сайтында шәхси кабинеттан «Һалымыңды түлә» интернет-сервисын файҙаланып башҡарырға мөмкин. Әгәр инде һалым түләү буйынса хат, йә мәғлүмәт килмәгән икән тиҙ арала белешеү мөһим. Ошоға бәйле Йәмғиәт #башҡортостан #һалым #бурыс Бурыс йыйма, һалымыңды түлә! Республикала һалым органдары милеккә, ер һәм транспортҡа һалым түләү хаҡында иҫкәртә. Уны 2 декабргә тиклем «Рәсәй Почтаһы»ның яҡындағы бүлексәләрендә, терминал, Федераль һалым сайтында шәхси кабинеттан «Һалымыңды түлә» интернет-сервисын файҙаланып башҡарырға мөмкин. Әгәр инде һалым түләү буйынса хат, йә мәғлүмәт килмәгән икән тиҙ арала белешеү мөһим. Ошоға бәйле Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы «Һалымыңды ваҡытында түләү – тыныслыҡ нигеҙе» тип исемләнгән мәғлүмәт кампанияһын иғлан итте. Ул ай аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала. Һалым түләргә килгән һәр кем үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Күсмә ҡабул итеүҙәр республиканың барлыҡ Күп фукнциялы үҙәктәрендә һәм Федераль һалым хеҙмәттәрендә ойошторолған. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Иртәгәһенә яр буйында йөрөгән Рәмилә менән Нәбирә икеһенә ике ярты ут кеүек янып торған ҡыҙыл төҫкә ап-аҡ борсаҡтар төшкән каса ярсыҡтары табып ҡыуандылар. Уйынсыҡ өйҙәренә йыуып теҙеп тә ҡуйҙылар. Әгәр ҙә ошо ҡыҙҙарҙың уйынсыҡ йорттарында теҙелгән ярсыҡтарҙың яҙмыштарын барлай китһәң, ни булыр ине икән? Бала күңеле шуны уйламай ҙа бит. Ә ниңә уйларға? Матур, ялтыр икән, әйҙә алып йыу ҙа, теҙеп уйна. Оҡшамай, ялҡытып китте икән, алып ташла, алмаштыр, бүләк ит. Һәр ярсыҡ-үҙе бер ҡабатланмаҫ яҙмыш. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#ӘлиәСаматова Уйын. Әлиә Саматова -Хазина! Хазина таптым!- һыңар ҡулы менән тотҡан итәген гөптәйтеп әллә нәмә тултырған, уныһы йүгереүгә ҡамасаулағандан , аяҡтарын тарбайта баҫып йән-фарман сабырға маташҡан Нәбирә үҙ алдына бер генә һүҙҙе ҡабатланы -Хазина...хазина. Себешләнеп бөткән аяҡтарын ташҡа бәрә-бәрә, артына ла ҡарамай әхирәте Рәмилә йәшәгән өйгә тиҙерәк килеп етеү ине уның теләге. Әйтерһең кемдер баҫтыра, әленән-әле артына ҡарап ала, ауыҙы йырыҡ. -Рәмиләүүүүү, тиҙерәк тышҡа сыҡ әле... уфффф, хәл бөттө. -Бөрөп тотҡан итәген бер ҙә бушатырға теләмәне, сәскәле эске кейеменең да һатлыҡ йән кеүек күренеп ҡалыуына иғтибар итмәне мәктәп йәшенә етеп өлгөрмәгән ҡыҙыҡай. Хазина ҡәҙерлерәк ине шул. Нәбирә былай сәрелдәк тауыҡ кеүек бер туҡтауһыҙ ҡысҡырһа,бер ғилләһе бар-тимәк, ысынлап та, эш йә бик хөрт, йә үтә шәп. Ихатаға йүгереп сығыу менән күҙ алдына баҫҡан күренештән шарҡылдап көлөргә тотондо Рәмилә. Бите бысрап бөткән, күҙе таҫырайған, итәгенең аҫҡы өлөшө эсенә тиклем күтәрелгәнсе нәмәлер тултырған,ике-өс көн элек үрелгән сәсе һүтелеп туҙып бөткән был ҡыҙ йораты цирктағы клоунға оҡшап тора ине шул. -Йә, көлөп торма, хазина таптым! Әйҙә мыныһын бушатайыҡ та, йүгерҙек ҡалғанына. Сәриәләр күрмәҫ элек,-тип итәген асып ебәргәйне, Рәмилә был тиклем дә байлыҡты тәү күргәнгәме тәүҙә ҡурҡып китте, шунан һөйөнөп ҡуйҙы, тотоп ҡарарға уйлағайны ла, йә, аҙаҡ ҡарарың, унда ишеү ҙә матурыраҡтары күп,-тип Нәбирә итәгендәгеһен нигеҙ буйына бушатып та ҡуйҙы. Ҡыҙҙарҙың итәгенә ут тоҡанғанмы ни, урам буйына сығыу менән таллыҡҡа остолар. Нәбирә үҙе бышлыҡҡан, үҙе бер туҡтауһыҙ тәтелдәй: -Уууу, һин унта күрһәәәәң... нинтәй генә төҫлөһө юҡ: сәскәлеһе, ҡошлоһо, биҙәклеһе... Сәриәләр генә алдараҡ өлгөрмәһеннәр...вәт әй, кеше шулай матур нәмәләрҙе ырғыта микән. Ялан табандарын итәк остарына тейҙереп ялтырата-ялтырата килеп тә етте етеҙбикәләр.Аһаллаға төшөп тубыҡтарына устарын ҡуйып тын алдылар ҙа тал араһында күҙҙе ҡыҙҙырып ятҡан өйөмгә яҡынлаштылар. “Ысынлап та хазина тапҡан шул Нәбирә. Мынта нинтәй генә сынаяҡ, ҡоштабаҡ, ваза ярсыҡтары юҡ! Иҫ киткес бит ә!!! Бына байлыҡ исмаһам!” Юғиһә, сүп-сар араһынан иҫкереп бөткән берәй ярсыҡ тапһаң, әллә нәмәләй күрәһең, йыуып алып, танауҙы үрә сөйөп маҡтанып йөрөйһөң әле ул. Ә мынта!!! Йыуаһы ла юҡ, тап-таҙа. Ә матурлығы... -Рәмилә, әйҙә иң матурҙарын ғына йыяйыҡ,сәскәлекәйен, мына мин күбәләклеһен таптым, хәҙер һиңә лә шунтайын табышам. Ҡалғантары Сәриәләргә ҡалһын. -Шайтатайыҡ. Йыйып апҡайтайыҡ та шан ҡылъяранан бүлешербеҙ ивет, ә. Миңә апайым ҡылъяранан нисек бүлешергә өйрәтте у. Тәтелдәй-тәтелдәй ҡыҙҙар итәктәрен тыңҡыслап тултырып та ҡуйҙы. “Эх, ошонтағы бөтә ватыҡ сынаяҡтарҙы ла алып ҡайтып булһын ине. Тәтәй йыйыйштырып уйнағанда, иң матуры уларҙыҡы буласаҡ”. Бөгөнгө табыштарына ҡәнәғәт балалар яйлап ҡына ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Уйынсыҡ өйҙәрен нисек биҙәйәсәктәрен күҙ алдына килтереп, хыялланып, маһая биреп баяғы өй нигеҙендәге өйкөмгә килтереп ауҙарғас, ысынлап та донъялағы иң бай һәм бәхетле кеше итеп тойоп ярсыҡтарҙан тишкесләнеп бөткән итәктәрен ҡаҡҡылап нигеҙ буйына аяҡтарын һалындырҙылар. Хәҙер көн дә була торған кәсептәрен башлаясаҡтар, бөгөн был кәсеп үтә лә ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс буласаҡ. -Рәмилә, мин үҙемтең иҫке ярсыҡтарымты теге илаҡ Нәжиәгә бирәм, үҙе бер нәмә тапмай, арттан ҡалмай мыжый ҙа йөрөй бит, йәнте көйҙөрөп. -Мин тә уға бирәм тә ҡуям, әйҙә шатланһын ивет. Әтеү , береһе лә уны уйнатмай, ҡунаҡҡа ла саҡырмай. Өләсәйем әйтә: “Бер етемде һөйөндөрһәң, сауап була”-ти. Ҡыҙҙар уйынсыҡ өйҙәрендәге бөтә иҫке-моҫҡоно һыпырып бер ҡумтаға тултырып, бөгөнгө табылған хазинаның бөртөктәрен теҙә башлауға, Сәриәләр ҙә килеп етте, уларға мыжыҡ Нәжиә лә эйәргәйне. Төрлө сағыу сәскәле сынаяҡ ярсыҡтарынан ҡыҙҙарҙың күҙҙәре ҡамашты, ә Нәжиә ҡулына ҡумта тотторғастар, ни тип әйтергә лә белмәй, йәй буйына күлдәксән һыу инеүҙән төҫө уңалып таушалып бөткән күлдәген ялпылдатып йорто яғына йүгерҙе. Сәриәләр бындай хазинаның тал араһындалығын белеү менән, табандарын ялтыраттылар. Рәмилә менән Нәбирә уйынсыҡ өйҙәрендә сөкөрләшеп сәй эскәндә башҡа ҡыҙҙарҙың да тулы итәктәре урам аша күренеп ҡалды. -Иртә торорға кәрәк ине ивет, Рәмилә, мына беҙ иртә торғас, сынаяҡ ярсыҡларының иң матурҙарына үҙебеҙ өлгөрҙөк,-тип тел сыртлатып ҡуйҙы тәтелдәк Нәбирә. -Өләсәйем гел әйтә: Алла бауай бәхетте иртәнсаҡ өләшә ти. -Эйе, минең өләсәйем тә шунтай ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләп ҡуя ул. Аҡ менән ҡара, шатлыҡ менән ҡайғы, мөхәббәт менән нәфрәт гел бергә йөрөйҙәр ти. Әле беҙҙең эргәлә тик бәхет тә шатлыҡ ҡына ивет. -Эйеее. -Ҡарале, Рәмилә, кем шундай матур сынаяҡтарҙы селпәрәмә килтерҙе икән ул әй? Беҙ өйөбөҙҙәге төҫө һарғайып бөткән эстәкәнде лә хатта ташламайбыҙ. Әсәйем кәрәк булыр ти. -Була инде шундай кешеләр, олатайым ундайҙарҙы туйып ҡоторалар ти. Ана бит, беҙ ҙә бөгөн туйып ҡотороп алдыҡ. Яңы ярсыҡтар тапғайныҡ, иҫкеләренән һә тигәнсе ҡотолдоҡ-мыжыҡҡа тоттороп ҡайтарҙыҡ. Ҡыҙҙар үләндә тәгәрәп-тәгәрәп көлөштөләр. Шулай балалар шатлығы менән тыуҙы бөгөнгө таң ауылдың Таллы урамында. Таң-яңы көн, яңы ваҡиғалар теҙмәһе булғанғамы, күңелгә өмөт үрә бит ул. Ә төн? Төнөн бик күп ҡоштар хатта тынып ҡала. Төн үҙенең шомлолоғо менән йөрәктәрҙе болоҡһотһа, серлелеге менән ылыҡтыра ла. Таллы урамында бөгөнгө төн дә башҡаларына оҡшаманы ... Ирзат Гөлнурҙы күрше ауылдан һоратты. Район үҙәгенә барғанда автобуста осратып оҡшатҡайны, ғүмерлеккә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Аҙ һүҙле, оялсан Гөлнурҙың сихри ҡарашы Ирзатты һәр кис ауылына әйҙәп тороусы көскә әүерелде.Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға өйрәнгән зат булғанғамы, ағаһы менән еңгәһе балаҡтарын ҡыҫтырып яусылап алып та ҡайттылар. Гөлнурҙың әрмегә киткән класташы барлығы ла туҡтатманы Ирзатты, киреһенсә, этәргес булды ла, шикелле. Оҙатып, вәғәҙә биреп ҡалмаһа ла, Рәфис әллә ҡасан Гөлнурға күҙ ташлап ҡуйғайны инде. Ҡыҙлы йортҡа ҡырҡ ат бәйләнер, тип хаҡ бесеп ҡараған атаһы ла әллә ни ҡаршылашманы, Гөлнур үҙе лә риза ғына булғас, тәүәкәлләнеләр. Теге юлы Ирзаттың сая ҡараштары уның да йөрәгенең сәбенә тейгәйне. Әрменән ҡайтып, өй күтәреп, донъя көтөргә маһир, буйға-һынға ҡарағайҙай Ирзатҡа ауылдаш ҡыҙҙарҙан да күҙ ташлаусылар аҙ булманы. Ә ул бына шулай ҡап-ҡара күҙле, асыҡ һор төҫлө оҙон сәсле, һығылып торған билле Гөлнурын ғүмерлек юлдаш итте. Шулай тиҙ арала никахлашыуҙарында Ирзаттың тәүәкәллеге, тотҡан ерҙән һындыра торған саялығы, ниндәйҙер кимәлдә ҡыҙыу ҡанлылығы ла булышлыҡ иткәндер. Исеменә күрә есеме, ата-әсәһе лә ана ниндәй исем менән бүләкләгәндәр бит тыумыштан. Мөхәббәт утында бергә дөрләп, бик күптәрҙе һөйөндөрөп йәшәп китте ике йөрәк. Туй үткәс, һап-һары бүрәнәләре менән әллә ҡайҙан саҡырып торған йорттарына йыһаз алып та ултыртҡас, мөхәббәт оялары йәм биреп, йылмайып, бәхет бөркөп торҙо. “Берегеҙ ут булғанда, икенсегеҙ һыу булығыҙ!”-тигән теләктәр тап Ирзат менән Гөлнур өсөн әйтелде. Һөйгәненең эштән ҡайтыуына өйөн ялт итеп йыйыштырып, тәмле аштар, яҡты йөҙ менән ҡаршылаған Гөлнурына көндән-көн нығыраҡ ғашиҡ булды Ирзат. Йөрәге һис кенә лә яңылышмаған икән, бер күреүҙән үк бына һинең бәхетең тип, күкрәген йыртырҙай булып типкәйне бит. Көндәлек тормош, ваҡ мәшәҡәт ундай хистәрҙе һүрелдерәлер ул тигәндәргә, был ике йөрәктең һөйөүе яуап булып һайраны. Ир менән ҡатын бер-береһеҙ донъяны күҙ алдына ла килтермәйҙәр ине инде. Йәшәүҙәренә йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, ҡура тулы мал-тыуар, ихата тулы ҡош-ҡорт, баҡса тулы йәшелсә-емеш. -Гөлнурым, һин Рәфисте әрмегә киткәнендә оҙатып, көтөргә вәғәҙәләп ҡалғайныңмы?- инде йылдан ашыу йөрәген өйкәгән һорауын ярып һалды тура һүҙле Ирзат. -Юҡсы, Беҙ уның менән класташтар булдыҡ бит, бер партала ултырҙыҡ. Әрмегә киткәндә ул мине оҙатырға өгөтләгәйне, мин риза булманым. Ул минең өсөн бары тик дуҫ ҡына бит ул,- тип хихылдап эсендәгеһен тышҡа сығарып түкте һөйгәне лә. -Мин һине бер кемгә лә бирмәйем, Гөлнурым!-тип ҡосағына ҡыҫты бәһлеүән. -Миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй,-тип наҙланып һыйынды нескәбил. “Ул минең өсөн бары тик дуҫ ҡына... дуҫ ҡына...” Оло һыйырҙары февралдә үк быҙауланы йәштәрҙең, ә бына тусалары ниңәлер һуңланы. Әллә йәш мал булғанғамы, майҙа саҡ быҙауларға йыйына. Инде йәшел үлән төртөп, башҡа малдар йәш үләндән ауыҙ иткәндә, Сыбарҡай аҙбарҙа тора. Йәлләп ҡуя малҡайын Гөлнур, иғтибарһыҙ ҡалдырмай бер ҙә. Көн тип тормай, төн тип тормай, һә тигәнсе эргәһенә сығып әйләнә. Харап булып ҡуймаһын һәүкәшкәйе. Бөгәсә лә күҙенә йоҡо инмәне. Етмәһә, йөрәккә шом һалып, эргәләге урманда бүреләр олой, төн еткәнен көтөп кенә торалар. Быйылғы ҡыш ныҡ һыуыҡ булып оҙаҡҡа һуҙылғанға, улары ла аслыҡтан тилмерә. Ҡасан ғына туйырҙар ҙа, ҡасан ғына өндәре тығылыр инде шул йәшәмәгерҙәрҙең. Ана тағы башланылар. Эштән арып ҡайтып бер нәмә белмәй йоҡлаған иренең эргәһенән шым ғына тороп китте Гөлнур. Сыбарҡайын ҡарап инһен. Кистән ауырып торғандай ине. Бүре тауыштарын ишетеп тә ҡурҡып тормаһын, йәш мал бит. Ҡулына фонарен тотҡан ҡатын тышҡа сығыу менән яҙғы һалҡын һауа килеп бәрелде, тын алыуҙары киңәйеп, кәйефе күтәрелеп китте. Рәхәтләнеп кирелеп алғас, тәндең һәр күҙәнәге тын алып киткәндәй булды, бүре олоуҙары түгел, тартай тауышы һәм яңы уяна башлаған һандуғас һайрауы ишетелде уға. Көйләй-көйләй һарайға яҡынлашҡас, оя эсендә өзләгән тауыш ишетте. Йөрәге һиҙеп сыҡҡан икән шул – Сыбарҡайының күҙҙәре атылып сығырҙай булған, быҙау тыуымға килгән. Малҡай әллә кеше килеп ингәнгәме, әллә фонарь яҡтыһынамы ризаһыҙлыҡ белдереп оя буйлап шәп-шәп атлап йөрөй башланы. Был күренешкә аптырап ҡалған тәжрибәһеҙ Гөлнур тиҙ генә ике өй аша йәшәгән Фәрхинур әбейгә йүгерҙе. Оло кешенең йоҡоһо һаҡ булһа ла, кейенеп тышҡа сыҡҡансы бер быуат үткәндәй тойолдо Гөлнурға. Көтһәң, ваҡыт оҙаҡ үтә бит. Фәрхинур әбей ояға һаҡ ҡына инергә бойорҙо, үҙе доғаларын уҡый-уҡый һәүкәште тынысландырырға тырышты. Ҡоро бесән килтереп һалғас, еңен беләгенә тиклем төрөп ипләп кенә быҙауҡайға ярҙам ҡулын һуҙҙы. -Тыуымға дөрөҫ килмәгән быҙауҡайыбыҙ, килен. Өркөткәнһең һәүкәште. Йәш мал шулай үрәпсей ҙә китә ул, алай ҙа бергәләп сыҡмағанһығыҙ. Ир кешене күрһә, бигерәк яратмай улар. Йә, ярай, хәҙер бер әмәлен табырбыҙ,- тип бисмиллалап белгән эшен башҡарҙы оло кеше. -Гөлнур, Гөлнур!!!- тертләп уянған Ирзат эргәһендә ҡатыны булмағас, аптырап китһә лә тиҙ тынысланды. Сыбарҡайын ҡарайҙыр. Ошо арала гел шулайта. Бигерәк мал йәнле инде һөйгәне. Уф, әллә ниндәй төш күрҙесе... Бына ғәжәп. Ҡайһы бер төштәрҙе ғүмер буйы онотмайһың, ә быныһы хатта уянғас та иҫләп булмай. Йә, ярай әллә ни мөһим түгелдер әле төшө. Бынау бүреләре ялҡытты. Әллә ниңә ауыл эргәһенән китмәйҙәр. Тамаҡ тамуҡҡа алып килә тигәндәй инде. Бәй, ҡайҙа оҙаҡлай Гөлнуры? Урыны ла һыуынып бөткән, тимәк сығыуына ла апаруҡ ваҡыт үткән. Башына ҡылт итеп төрлө уйҙар төштө Ирзаттың. “Беҙ уның менән дуҫтар...дуҫтар...” Һы, ул тиклем оҙаҡлап нимә эшләмәк кәрәк? Әллә? -Гөлнур! Гөлнур!- ишекте асып ҡысҡырып та яуап алмағас, Ирзат кейенеп ихатаға сыҡты. Туҡта, ниндәй тауыштар сыға һарай яғынан? Ҡан баҫымы күтәрелеп күҙе күсәренән осорҙай булып ҡыҙып китте йәш ир. Ни ғәләмәт!? Төн уртаһында ояла ниндәй сөкөрләшеүҙәр ти ул? Әллә? Үҙ уйҙарынан үҙе уйылып китерҙәй булып аҙбар ҡапҡаһы яғына яҡынлашты ул. Шик-шөбһәләр ағымы йөрәген ярһытып, ысынбарлыҡты ҡабул итмәҫлек хәлгә еткерҙе. Сөкөрләшәләр... Икәү...Моғайын, класташы...дуҫы...һы... -Хәҙер мин һеҙҙе... Ярһыған, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Ирзат ҡорал һаҡлағысының асҡысын серванттағы һауыт-һаба эсенән эҙләй башланы. Бер ҡайҙа ла тапмағас, асыу-ярһыу, бөтә сынаяҡтарҙы һыпырып төшөрҙө. Әрнеү -сыңлауҙар сығарып иҙәнгә төшөп берәм-берәм ярылған сынаяҡ-ҡоштабаҡтар араһынан, ауыр тимер тауышы ишеттереп килеп сыҡҡан асҡысты ала һалып сығып та китте. Ҡушкөбәген яһаулы ғына тота ошо арала. Бүре-фәлән ауыл малына баҫышһа, әҙер торһон. Оҙон-оҙон баҫып һарай эргәһенә килеп туҡтаған, ҡыҙыулыҡтан сикә тамырҙары ярылырҙай булып типкән Ирзат, оя эсендәге наҙлы сөкөрләшеүҙе ишетеү менән : “Әле эшегеҙ шулаймы!!!” тигән тауыш менән ишекте асып та ебәрҙе, һарай эсендәге күренеште лә аңланы, әммә... Әммә тәтеләге бармаҡ аң менән ҡараш , йөрәк менән мейе арауығын һанап тормағайны инде. Мылтыҡтағы патрон Ирзаттың ҡан һауған күҙҙәре менән томаланған аңына ҡарағанда етеҙерәк булып сыҡты. Мылтыҡ атылды... Бер мәлгә бөтә донъя йәһәннәмгә осҡандай булды. Күҙҙәр инде ҡан менән түгел төтөн менән томаланғайны. Ҡолаҡтар сыңлай, бер нәмә лә ишетелмәй. Күпме ваҡыт үткәндер, һарай бүрәнәләре буйлап бөгөлөп төшкән Ирзаттың күҙ алдында төтөн таралғас шундай ҡот осҡос күренеш асылды: Гөлнур фонарын ҡосаҡлаған да ҡатып ҡалған, Фәрхинур әбей өйөлгән бесән өҫтөнә тәгәрләгән, ә Сыбарҡай... аҡ елендәренән һөт урынына ҡан ағыҙып, һарай мөйөшөндә ята. Ике алғы тояғы менән мороно ғына күренеп өлгөргән быҙау йәнһеҙ ҡатып ҡалған. Ауылға тараламаны был хәбәр. Фәрхинур әбей ҙә бик аҡыллы, донъяны күргән оло кеше булғанғамы, ауыртҡан аяғында аҡһап, өнһөҙ генә ҡайтып ятты. Ирзат үҙ ҡылығына үҙе ышанмай таң атҡансы бер туҡтауһыҙ йөрөнө. Гөлнур һәүкәшенең йәнһеҙ кәүҙәһенә илауҙан шешенгән күҙҙәрен йыуып өйгә ингәндә иҙән тулып ятҡан сынаяҡ ярсыҡтары биҙрәгә тултырған һайын уға ҡушылып илағандай сеңләштеләр. Ә Ирзат үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, лапаҫҡа, унан мунсаға инеп һыуыҡ һыу менән битен йыуҙы, таң атмаҫ элек был эштең эҙҙәрен йыуырға кәрәк тигән фекергә килде. Бер тамсы ҡаны ла ҡалмаһын. Гөлнуры һарайға сыҡҡанда күреп йөрәгенә ауыр алмаһын. Вәт диуана!!! Дуҫы менән имеш... Уның Гөлнуры- күҙ нуры шулай хыянат итә аламы һуң! Вәт диуана! Атын егеп, Сыбарҡайҙы арбаға тейәп, урманға йәһәтләне. Юл ыңғайы ике биҙрә ватыҡ сынаяҡтарҙы ла талдар араһына бушатып ҡайтты. Уларына ғына ҡалһа, алыр, һатып алыр. Унан да матурыраҡтарын, сағыуыраҡтарын һатып алыр. Баш һау булһа, мал табылыр. Тик бына Гөлнуры ғына ғәфү итә күрһен. Тып-тын ҡалған өйөнә ҡайтҡанда таң һыҙылып, ҡояштың тәүге нурҙары буш серванттың быялалары менән уйнай ине. Бөтә донъя тынып ҡалған, хатта нисә көн маҙаны китәргән бүре олоуы ла бөткән-Сыбарҡай бик мул ғына һый булды инде асҡарғаларға. Башлап һүҙ ҡушыусы булманы бөгөнгө иртәлә, тын ғына ултырып сәй эстеләр. Һәр ҡайһыһы ни турала уйланғандыр...Сәрелдәп ирешеп, тәмһеҙләшкәнсе, был осраҡта шымып ҡалыуҙы өҫтөнөрәк күрҙе Гөлнур. Их, исмаһам, туҙҙырып ирешеп, һыпыртып әрләп ташлаһа, күңелгә рәхәтерәк булыр ине лә бит, тип фекерләне Ирзат. Ошондай мәлдәр теге баяғы төш кеүек күҙ асып йомғансы онотолһон да ҡуйһын ине лә ул...Күрәһең, кеше шундай ғазаплы саҡтарҙы тәрәнерәк кисерһен өсөн, кисерһен дә башҡаса ҡабатламаһын өсөн ошондай тынлыҡтар кәрәктер ҙә инде. ********* -Нәбирә, беләһеңме, өләсәйем әйтә, кешенең энәһенә лә тейергә ярамай ти. Шуға ла мин бер ҡасан да кеше әйберенә тейгәнем юҡ. -Мин дә теймәйем ул,- бит остары алһыуланған Нәбирә әхирәтенә тура ҡарамай ғына һөйләне,-ысын. Сикәләренең һатлыҡйәнләнеп ҡыҙарыуын бер нисек тә баҫа алманы ҡыҙсыҡ. Кисә тәтәй йыйыштырып уйнағанда Рәмиләнең иҫ киткес матур бер сынаяҡ ярсығын сәлдергәйне шул. Бына хыт ят та үл инде-ундай матур ярсыҡ бер ҡайҙа ла юҡ! Үҙе килеп тороп йоҡа ғына, төҫө зәңгәр һауа төҫөндәй һәм, ышанаһығыҙмы-юҡмы, сәскәләре сынаяҡтың үҙенә төшөрөлмәгән, ә сығып үҫәләр. Йолҡоп алырлыҡ кеүек. Шуға нисек күҙең ҡыҙмаһын! Етенсе класта уҡыған ағаһы бер хикәйәт уҡығайны “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”тип атала. Шундағы сихри көршәк кеүек. Алды шул Нәбирә. Ниңә ундай матурлыҡ бер Рәмиләлә генә булырға тейешме? -Нәбирә, өләсәйемдең ҡәҙерләп кенә тотҡан сынаяғы ватылған да шуның бер ярсығын миңә биргәйне. Бына икенсеһен мин һиңә тип әҙерләнем. Үҙемә тигәне әллә ҡайҙа булған, таба алмайым. Мә,быныһы-һиңә! -Сәлдерелгән тәтәйҙең икенсе өлөшөн әхирәтенең ҡулында күргәс, Нәбирә оялышынан ултырған бүрәнәһенән саҡ ҡолап төшмәне. - Ней, Рәмилә, ярай, улай бик ҡәҙерле тәтәй булғас, үҙеңдә ҡалһын. Минең ни башҡалары бик күп бит, теге юлы тал араһында йыйғандары. Бәлки юғалтҡаның табылыр. Ул ваҡытта бирерһең,-тип Нәбирә ҡайтыу яғына ыңғайланы. Кеҫәләге урландыҡ төшөп китмәһен тип бөрөп тотоп, аҙымдарын йышайтты тәтелдәк. –Мин аҙағыраҡ килерем йәме. Әхирәтенең тиҙ генә шылғанына аптырап, Рәмилә өйгә инде. Ә ҡәҙерләп һаҡланған сынаяҡтар, ысынлап та, күҙҙең яуын алып ултыра. Килгән бер кеше һоҡланмай сыҡмай. Бары тик Хәбирә инәй генә был матурлыҡтың ни тиклем ғазаплы булыуын белә. Таһир, урта кластарҙа уҡығанда, аталары ҡаты ауырыуҙан вафат булып, ике улы менән тол ҡалғайны Хәбирә. Барлыҡ ир-егет эшен өйрәтеп, сыныҡтырып үҫтерҙе улдарын. Ҡаты ла бәрелмәне, йомшаҡлыҡ та күрһәтмәне, улдары ла әсәләре тип өҙөлөп торҙолар. Белемгә маһир, ҡул эшенә оҫта Таһир мәктәп тамамлағас, яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, әрмегә ҡыҙыу нөктәгә эләкте. Тәүҙәрәк эстәлекле оҙон, йылы хаттары күңелде йыуатһа, һуңыраҡ һирәк яҙылды улары. Әсә күңеленә шом орлоғо төшһә лә, үҙ улының ныҡ булырына ышана ине ул. Ысынлап та, йыл ярым ваҡыт көткәндәргә күп тойолһа ла, әллә ни оҙаҡ түгел икән. Кәүҙәгә мыҡтыланып, ир йоратына инеп, матур хәрби кейемдә ҡайтып төштө Хәбирә апайҙың Таһиры. -Әсәй, бына һиңә бүләк,-тип баяғы зәңгәр һауа төҫлө, ынйы сәскәле алты сынаяҡ менән көршәкте килтереп тотторҙо. -Иииий, улғынам, миңә һин үҙең ҙур бүләк,-улының күҙҙәрендә ниндәйҙер һағыш ҡатыш арығанлыҡ тойҙо әсә. Элекке сая бөркөт ҡараш ынйы бөртөктәре булып, әйтерһең дә, ошо сынаяҡтағы сәскәләргә ҡойолған. Әсә йөрәге һыҙылып ҡына үҙ хәстәрен уйлаһа ла, улына һиҙҙермәне. Ауылдаштарын күрергә килгәндәр таралышҡас, әҙерәк һөйләшеп ултырырҙар тип уйлағайны ла, Таһир: -Әсәй, мин арыным, ятайым инде,-тип йоҡо бүлмәһенә бикләнде. Улының бүләгенә һоҡланып бер аҙ ултырғас, Хәбирә лә тынысланып ятырға булды, әммә йоҡлап китә алманы. Уйҙарҙың осона сығып етеп буламы һуң? Бәбәктәре ауырайып йомола ғына башлағайны ла -Аталар! Әсәй, аталар! Ҡасығыҙ, аталар!-тигән тауыш тиҙ һиҫкәндерҙе уны. Йоҡо бүлмәһенә барып ингәндә күҙе аларған, шыбыр тиргә батҡан улы карауатында уяу ултыра ине инде. -Ни булды, улым, һаташаһың, ахырыһы. Тыныслан. -Һаташҡанмын, әсәй, ярай, йоҡоңдан уятҡанға ғәфү ит,-тип Таһир тышҡа сыҡты һәм, әсәһе быға тиклем күрмәгән кәсебенә тотондо-тәмәке тоҡандырҙы. Тыныс холоҡло, итәғәтле, иғтибарлы Таһирҙың тиҙ ҡыҙып китеүсән, уйланылмай әйтелгән ауыр һүҙле, үҙ донъяһына бикләнеп оҙаҡ ваҡыт шымып ултырыусан булып китеүен береһе лә һиҙмәй ҡалманы. Бигерәк тә ҡустыһына ҡаты бәрелер булып китте ул. Әмер биреп эшкә ҡуша, уныһы үҙ холҡон өҫтөн ҡуйып, тыңлашмаһа йәки үҙенсә эшләһә, йоҙроҡтан да өлөш төшөрә. Хәбирәгә ике ут араһында өҙгөләнеп, был ҡаршылыҡтарҙы нисек еңеү юлын эҙләргә кәрәк ине. Таһир менән һөйләшеп ҡарарға уйлай ҙа-һөҙөмтәһеҙ. Башы ауыртыуына, ваҡыты юҡлығына һылтана йәки тағы берәй сәбәп таба тегенеһе. Бесән әҙерләнеп бөткәс, Таһир эшкә лә урынлашты. Тынғыһыҙ төндәр, йоҡоһоҙ таңдар кәмемәне. Ярай, мәле еткәс, күңеле тулып ташҡас, үҙе асылыр әле тип түҙҙе ғәзиз әсә. Килде ул көн. Дөрөҫөрәге, төн. -Ятығыҙ, йәшенегеҙ, аталар! Аталар!!!-тигән таныш ауаз саҡырып алды Хәбирәне улының бүлмәһенә. Тыныс ҡына инеп, улының башына ҡулын һалды ла яйлап ҡына һыйпай башланы. -Әсәй,йәшен, ана, аталар бит!,-тип тынысһыҙланған улына -Тыныслан, шым, балам, бөттө, үтте, атмайҙар! Һин өйҙә, һин беҙҙең менән... Бер аҙ тын торғандан һуң әсәһенең тубыҡтарына башын һалып һулҡылдап илаған улыҡайын илай-илай тынысландыра ине Хәбирә. -Ила, улым, ила. Туйғансы ила. Һинең күҙ йәштәреңде минән башҡа бер кем дә күрмәй. Күңел яраларың йыуылып төшөрлөк , йөрәгеңдәге ярсыҡтар уңалырлыҡ, мейеңдәге мең төрлө ғазаптар таралырлыҡ ила ла ила. -Әсәй, мин бит кеше үлтереүсе түгел. Ә улар аталар, беҙ үлтермәһәк, беҙҙе үлтерәләр. Күрше райондан Азамат исемле егет минаға эләгеп, ике аяғын ҡырҡтылар. Кем ул хәҙер? Ә ниндәй хыялдар менән йәшәй ине! Командир төрөп биргән тәмәкене тартабыҙ ҙа ҡурҡыу бөтә, алға атлығабыҙ. Уны тартҡандан һуң, әйтерһең, һин әкиәт батыры, бер нәмә лә һиңә ҡаршы тора алмай. Донъя әйләнеп китә, кәүҙә еңеләйә, әйтерһең дә ауыр кирзала түгел, ә еңел кедаларҙа болоттарҙан атлайһың. Иртәгәһенә тағы шул уҡ ҡабатлана. - Улым, быны насар төш икән тип ҡабул итергә тырыш. Үтте, барыһы ла артта ҡалды. Һин хәҙер тыуған ереңдә, туғандарың менән. Изге еребеҙ дауалар, әсә күңеле яраларыңды уңалдырыр, балам. -Башҡорт егеттәре ҡыйыу, яуаплы була ул, тип командирҙар разведкаға гел беҙҙе ебәрәләр. Бер кисте шулай Илгиз исемле һалдат менән разведкаға киттек. Бер сәғәттәй йөрөп килеүебеҙгә казармала бөтә иптәштәребеҙ үле ята! Ышанаһыңмы, әсәй! Үле! Ун һигеҙ йәшлек малайҙарҙың бөтәһен дә ҡырып сыҡҡандар. Таһир күкрәгенең иң төбөндәге һағышын һығып сығарырға теләпме, әллә ниндәй ҡырағай тауыштар сығарып иланы. Буҫлығып йоҡлап киткән йәнкиҫәге эргәһенән Хәбирә таңға тиклем ҡуҙғалманы. Балаҡайының ҡанһыраған яраларын ялап уңалдырғандай, бер нөктәгә ҡараған килеш, сәстәренән һыйпаны ла һыйпаны. Зәңгәр күк төҫөндәге гүзәл сынаяҡтарҙың да кем өсөн тәғәйенләнгәнен аңлағас, уларҙы бигерәк тә күҙ ҡараһылай һаҡлар булды. Казармала үлтерелгән егеттәр араһында урыҫ егете Дима ла булған. Демобилизацияға ваҡыты яҡынлашҡас, әсәһенә бүләк итеп алған уны. Таһир, дуҫының һуңғы теләген үтәйем тип, Мәскәүҙәге улар йәшәгән адрес буйынса барып та, әсәһен тере килеш тап итмәгән-берҙән-бер улының ҡайғыһын күтәрә алмаған меҫкен әсә. Яйлап тынысланды Таһир. Әсә менән үткәргән төнгө әңгәмә файҙаға китте. Һаташыуҙары кәмеп, уйланыуҙары әҙәйеп ҡалды. Эшенә мөккибән китте, бер нисә йылдан һуң өйләнеп үҙ ояһын ҡорҙо. Әсә йортондағы ынйы күҙле сәскәле зәңгәрһыу сынаяҡтар ғына үткәндәрҙе тулыһынса оноторға бирмәй күҙҙәргә мөлдөрәп ҡараны. ************** -Әбекәйем, йәһәт кенә самауырыңды шыжлата һал. Бик шәп нәмә алып ҡайттым. Күрһәң, иҫең китә. Йә инде, йә.,- ихатаға айыу һымаҡ алпан-толпан килеп ингән Ғарифулла, әйтерһең дә Мәскәүҙе алған. Түбәһе күккә тейгән ҡартының балаларса ҡыланышын күҙәтеп торған Сәлимә был ҡыуаныстың бер ғилләһе бар икәнен белә. Ярты быуаттан ашыу бергә көн күргән яҡыныңдың ни әйтерен йәки ни ҡылырын ғына белеп бөтмәйһең, тын алышының йышлығына тиклем ни сәбәптәнлеген, сыҡҡан өнөнөң тулҡынының ни һөйләрен, керпек аша һирпелгән ярым ҡараштың да ни тураһында бәйән итерен беләһең. -Иң кесе ейәнсәрең кеүек үрле-ҡырлы һикереп килерлек ниндәй шатлыҡ йомортҡаһы эстең, ҡартыҡайым? Табаның ергә теймәйҙәһә! - Әйҙә, өйгә ингәс күрһәтәм, сәйеңде ҡуя һал. Солан баҫҡысынан түпәнләп менеп киткән ике өлкән кеше ситтән ҡарағанда яңы атлай башлаған сабыйҙарҙы хәтерләтә ине. -Йә, ултыр, Сәлимәкәйем, ултыр! Бына лавкаға барғайным, һатыуға ошо матур касалар килгән. Күреү менән күҙем төштө. Мин әйтәм, әбекәйем менән ошо гүзәл касаларҙан сөкөрләшеп кенә сәй эсербеҙ, бир икене, тим. Өҫтәлгә янып торған ут ҡыҙылға ап-аҡ эре борсаҡтар төшөрөлгән ике каса йөҙөп килеп ултырҙы. -Ҡарале, ҡарсыҡ, эс яғынан алтын ялатылған хатта. Һы, беҙ кемдән кәм! Шул тиклем йәшәп тә батшалар касаһынан сәй эсмәгәс уны!- Ғарифулланың шатлығы бөтә өйгә таралып, тәҙрәләрҙән инеп иҙәндә шаярған ҡояш нурҙарына ҡушылып китте. Нурҙар касаларҙың алтын һыҙыҡтарына ла төшөп сағылғас, Сәлимәнең дә дәрте ташып, һикереп тороп сәй шыжлатып та ебәрҙе. Өҫтәлгә бер-бер артлы иртән генә ыуыҙ һөтөнә ҡойолған ҡоймаҡ, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ, айырым осраҡтарҙа ғына өҫтәлгә ҡунаҡлаған кәрәҙле бал да теҙелешкәс, касаларға һөтләп кенә сәй яһалды. Ҡапма-ҡаршы ултырып тәмләп сәй эсеүгә ни етә?! Ун һигеҙ йәшлек Ғарифулла Сәлимәһен дә шулай уйламағанда, ҡыҙыу бесән мәлендә кәләш итеп алды ла ҡуйҙы. Ҡырыҫ, ҡаты һүҙле генә әсәһен дә күндереү юлын тиҙ тапты. Уныһы өйләнеүенә ҡаршы килеп маташты шул. Һәр ҡаршылыҡҡа үҙенсә сара тапҡан Ғарифулла ла хәйлә уйланы. Бер көндө иң ҙур яландарына бесән сабырға барҙылар. Көн ҡыҙҙыра, шулай ҙа сабыуҙы туҡтатыу юҡ. Оҙон итеп алып бакуйҙарҙы йығып һалалар былар. Эшкә бөтмөр, ҡаҡса ғына кәүҙәле булһа ла, ирҙәрҙән ҡалышмайса сапҡан әсәһенең артынан саба төштө Ғарифулла. Бер тотам ҡалмай был. Нисек кенә ныҡышмал булма, йәш ир көсө менән көрәшеп булмағанын тоя башланы Хәлиҙә. Үксәне ҡыйып ҡына килә бит ә! Саҡ ҡына тын алырға ла бирмәй! -Сәлимәне алып бирәһеңме? Сәлимәне алып бирәһеңме?-тип һелтәгән һайын һамаҡлай башламаһынмы? Тәүҙә бирешмәне Хәлиҙә лә, шым барҙы, уның ҡарауы, тағы ла көсәнеберәк сабыуға күсте. Нисек тә бакуй башына тиклем түҙемлеге етер. -Сәлимәне алып бирәһеңме?- Ғарифулланың салғыһы сабатаһының үксәһенә тейеп-тейеп алғандай була башлағас ҡына, түҙмәне. -Ярай, ярай, алып бирәм, алып бирәм! Бына шулайтып Ғарифулла күрше райондан ҡунаҡҡа тип килгән йәм-йәшел күҙле, ап-аҡ йөҙлө һылыу Сәлимәһен иртәгәһенә үк һоратып барҙы. Бер сумаҙанға һыйған мөлкәте менән ҡәйнә йортона килен булып төштө Сәлимә. Ауыл ҡыҙы һәр эштең мәғәнәһен белеп эшләп, тырышлығы, кешелеклелеге менән туғандарының да, күрше-күләндең дә һөйөүен тиҙ яуланы. -Үкенерлек йәшәмәнек һинең менән, ивет, ҡарсыҡ. Имән кеүек шап-шаҡтай дүрт ул табып бирҙең, гөл-сәскәләй һылыу дүрт ҡыҙ бүләк иттең. -Ысын ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәгәнемә, бер ҡасан да бер нәмәгә мохтаж булмағаныма мин дә һиңә рәхмәтлемен, ҡартыҡайым. Аҡ борсаҡлы ут ҡыҙыл кәсәләрҙәге сәйҙәр ҡарттарҙың эс-бауырҙарына үтеп, йөрәк ҡылдарын сиртеп, күңел ноталарында уйнағанғамы, тирләп-бешеп бер самауырҙы түңкәрҙе улар. Моңға ғашиҡ Ғарифулланың ҡулына гармуны ла килеп ҡунаҡланы. Сәлимәһе шуны ғына көткәндәй яратҡан йырын һуҙып та ебәрҙе: Һандуғастар килер әле, Килер ҙә китер әле. Һандуғастан үткән ғүмер Беҙҙән дә үтер әле. Был ғаиләлә гармун, баян өй түренән китмәне. Дүрт улы ла өҙҙөрөп уйнарға өйрәнделәр. Атанан күргән уҡ юнған. Гармунда уйнарға ғына түгел, үҙе белгән барлыҡ һөнәрҙәргә лә өйрәтте улдарын Ғарифулла. Йылға буйында йәшәгәс-балыҡсы ла, һалсы ла, урман-тауҙар ҡуйынына һыйынғас-һунарсы ла, өҫтөңә тауҙар ауырға торғанда-урмансы ла, балта оҫтаһы ла улар. Хәҙер әбейе менән икәүҙән-икәү балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтҡанын дүрт күҙ менән көтөп йәшәйҙәр. Бәхеттең дә бәхете ошо түгелме? Ғаиләлә балалар күп булғас, кейем-һалымы ла, ашау-эсеүе лә етерлек булһын тип, Ғарифулла төрткө тоторға ла өлгөрҙө. Бесән башланыр алдынан улдары менән көн һайын бишәр-алтышар йөҙ төрткөнө ташып ҡына торҙолар. Көндәлек эшкә әйләнгән кәсеп кисен ихата тултырып олоһон да кесеһен дә теҙеп ултырта ине. Таҡтаға сөйләнгән төрткө тиреләре лапаҫтарҙы, соландарҙы солғап ала. Иртәгәһенә таҡталар бушатылырға тейеш булғанлыҡтан, өйҙә ҡалған бәләкәс малай-шалай, ҡыҙ-ҡырҡын тиреләр кипкәс тә сөйөнән һурып алырға тейеш була. Ә иң ҡыҙығы шул: тиреләрҙе таҙартып сорттарға бүлеү. Был эште Ғарифулла үҙе башҡара, барыһы ла ғәҙел булырға тейеш. Яңылыш һәйбәт тиреләр араһына насары китеп бармаһын. Заготконторала оятҡа ҡалып ултырыу юҡ. Бер ай арауыҡта тоҡлап он, шәкәр, һоло, бойҙай һәм башҡа кәрәк-яраҡ алырлыҡ аҡса эшләп тә ала ине тырыш ғаилә. Ниңә әле Сәлимәгә шул көн иҫенә төштө? Ҡартының ҡыҙыл касалар алып ҡайтҡанына ла ун йыл тулып бара икәндәһә. Ун йыл! Сәй эскән һайын ҡәҙерләп тотондо уларҙы, кеше килһә лә, башҡа сынаяҡҡа сәй яһар ине, ә былары бабайы менән икеһенеке генә. Шулай дүртенсе йыл барғанда Ғарифуллаһы атын егеп бесәнгә китте. Ҡышҡы көн шундай саф һауалы, ҡояшлы, бер ел әҫәре юҡ. -Сәләм һиңә, әсәйем, Йыраҡ-йыраҡ ерҙән. Сәләм һиңә күңелем түренән. Бала саҡтарымда ҡыҫып ҡосағыңа Һөйгән улдарыңдың беренән. Әсәйем, күҙ нурым, Көт мине, ҡайтырмын. Күңеле болоҡһоһа, эсе бошоп китһә, Ғарифуллаһы гел ошо йырын йырлай. Бына әле лә эстән генә мөңгөрләп шуны көйләй. -Оҙаҡ йөрөмәм, әбей, әҙерәк һарыҡтарға ваҡ бесән алып ҡайтайым әле. Һин самауырыңды шыжлата тор, һә тигәнсе әйләнеп ҡайтырмын,-тип санаһына һикереп кенә менеп ултырып сығып киткән ҡартын тәҙрә аша күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды Сәлимә. Әллә ниңә йөрәге һеркелдәп кенә тора ошо арала. -Ҡартайһаң, шулайҙыр инде. Йә, ярай. Биш-алты баш бәрәңге тәгәрләтәйем, һары майға ғына манып ашарбыҙ,-тип аш бүлмәһенә тәнтерәкләне. Ҡан баҫымың күтәрелеп тора ти ине фельдшер ҡыҙыҡай, әллә шуға баш әйләненкерәп тора,- тип өҫтәл ҡырына һөйәлгән ыңғайға иҙәнгә бер нәмә төшөп тә китте. -Эй, Хоҙайым, касам. Ҡап уртаға ғына ярылғандаһа. Ғарифуллам ҡайтҡас ни менән сәй эсерермен? Ҡана, йәбештереп ҡарайым,-тип иҙәндәге ут ҡыҙыл аҡ борсаҡлы касаны ҡулына алды. Тегеләй итте, былай итте-шартына килтерә алмағас, йә, ярай ҡартым ҡайтҡас, йәбештереп ҡуйыр, тип, эшенә тотондо. Өҫтәл уртаһына боҫрап ултырған бер сеүәтә бәрәңге ултыртылды, самауыр ҡайнауға, ҡапҡа алдына Йондоҙ ҙа ҡайтып етте. Әммә ҡапҡаны асыусы булманы. Тейәлгән бесәненең башында ятҡан Ғарифулланың йөрәге туҡтағайны инде, ысын ир-егет ат өҫтөндә йән биргән. Ут ҡыҙыл аҡ борсаҡлы кәсәләрҙән башҡаса сәй эсеүсе булманы. Сәлимә үҙенекен дә Ғарифулланың ҡәҙерләп йәбештерелгән касаһы эргәһенә ултыртып ҡуйҙы. Үҙ касаһынан сәй эсеп ҡарағайны ла, әллә ниңә тәмен тапманы. Сервантта ултырған касаларға көн дә күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап ала ла, илаһа ла, күҙ йәше сыҡмаҫ күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртә. Бер көндө инде ҡороғандыр инде күҙ йәштәре тигән күҙҙәренән сөбөрләп йәш ағырлыҡ хәл булды. Ҡаланан балалары ҡайтып өй йыйыштырғанда серванттағы ярыҡ касаны суп-сар менән бергә сығарып ырғытҡандар. Сервантта һыңар касаны күргән Сәлимәнең йөрәге ярылырҙай булды, башы әйләнеп мейескә һөйәлде лә сеңләп кенә илап ебәрҙе. -Ғарифуллам...ташланыңмы мине? Ҡалдырҙыңмы яңғыҙымды?-бер нәмә лә аңламаған балалары атайымдың фотоһына ҡарап һамаҡлайҙыр тип уны тынысландырҙылар. Иртәгәһенә яр буйында йөрөгән Рәмилә менән Нәбирә икеһенә ике ярты ут кеүек янып торған ҡыҙыл төҫкә ап-аҡ борсаҡтар төшкән каса ярсыҡтары табып ҡыуандылар. Уйынсыҡ өйҙәренә йыуып теҙеп тә ҡуйҙылар. Әгәр ҙә ошо ҡыҙҙарҙың уйынсыҡ йорттарында теҙелгән ярсыҡтарҙың яҙмыштарын барлай китһәң, ни булыр ине икән? Бала күңеле шуны уйламай ҙа бит. Ә ниңә уйларға? Матур, ялтыр икән, әйҙә алып йыу ҙа, теҙеп уйна. Оҡшамай, ялҡытып китте икән, алып ташла, алмаштыр, бүләк ит. Һәр ярсыҡ-үҙе бер ҡабатланмаҫ яҙмыш. Уйлап ҡуям...Ниндәйҙер юғарылағы көс беҙҙең менән дә тәтәй йыйыштырып уйнайҙыр, минеңсә. Яңылыш ярып ташлай, төшөрөп ебәрә, асыуы килеп атып бәрә, бүләк итә, биҙәп ултыртып ҡуя... Уйнай... Тормош, әйтерһең дә, ҙур бер уйын майҙаны.
Йүкә июль башында сәскә ата. Ул кешеләрҙе үҙенең матурлығы менән генә һөйөндөрмәй, ә шифалы булыуы менән дә сихәтләндерә. Йүкә июль башында сәскә ата. Ул кешеләрҙе үҙенең матурлығы менән генә һөйөндөрмәй, ә шифалы булыуы менән дә сихәтләндерә. Йүкә сәскәһен эҫе көндәрҙә йәки көн уртаһында, яңы ай тыуған ваҡытта, күпселек сәскәләре асылғандан һуң йыйыу яҡшы. Ямғырҙан һуң йыйһаң, файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта. Йыйып алған сеймалды еләҫ, ҡояш төшмәгән урында киптереү мөһим. Йүкә сәскәһен халыҡ медицинаһында төнәтмә итеп йәки ҡайнатып ҡулланалар. Был эсемлек нервы системаһын тынысландыра, организмда бәүел һәм үт, тир бүленеүен көсәйтә, температураны төшөрә, ауыртыныуҙы баҫа, тамаҡты йомшарта, микробтарға ҡаршы тороу һәләтенә, антисептик үҙенсәлеккә эйә. Шулай уҡ спазмдарҙы бөтөрә, ҡан баҫымын төшөрә. Уның төнәтмәһен һалҡын тейгәндә, гриптан, киҫкен бронхиттан дауаланыу өсөн ҡулланалар. Тамаҡ шешкәндә, ангина ваҡытында, тоҙ, прополис шыйыҡсалары менән сиратлап, тамаҡты, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу файҙалы. Ревматизм, геморроидаль төйөндәр ваҡытында, тәнде бешергәндә, төрлө шештәр яфалағанда һөҙөлмәгән төнәтмәне йылы килеш эсәләр. Бит тиреһен йомшартыу өсөн төнәтмә менән һыуҙы 1:20 нисбәтендә шыйыҡлатып ҡулланырға кәрәк. Ашҡаҙан, бауыр, бөйөр, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында 3 аш ҡалағы йүкә сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыулы кәстрүлгә ултыртып, 15 минут утта йылытып, һөҙөп алғас, һыуытып ҡулланалар. Шулай уҡ 3 – 4 аш ҡалағы сеймал өҫтөнә 400 мл һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатып, һарҡындыһын файҙаланырға мөмкин. Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА Фото: автор. http://www.ye02.ru/zd/17686-jk-sske-shifaly.html Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
– Күркәтауҙан ҡасып ҡайтып барам. Йөклөмөн мин, апай...– Эй ҡыҙ бала, ҡыҙ бала... Шундай хәлдә юлда йөрөргә яраймы һуң? Шөкөр ит, ауылға килеп етә алғанһың. Урманда ҡалһаң нишләр инең, йә инде! – тип аптырай ят апай.Шул саҡ күҙем алдында осҡон сәсрәнеме ни, бил тәңгәлендә бығаса тоймаған-белмәгән йән-тән ауыртыуы хасил булды. “Ай-ай!” – тип асырғанып ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.– Бушаныр сағың еткән түгелме? Йә, Хоҙай, еңеллек бир инде... Рәхмәт төшкөрө, кистән танаҡайым быҙаулағайны әле. Таң һыҙыла башлағас, шул малҡайға мунсалағы һыуҙы эсерәйем тип кенә ингәйнем. Бына нисек килеп сыҡты... Ай, Алла... – Апай миңә һикегә уңайлап ятырға ҡушты. – Ошонда ҡайнымдың бәкеһе була торғайны, баланың кендеген ҡырҡырға ярап ҡалыр, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй, ялғашҡа һыу ҡоя башланы.Теге ауыртыу бер нисә мәртәбә ҡабатланып күҙҙән ут сәсрәтеп алыуға мунса эсен сағыу, көр илау тауышы тултырҙы.– Сөбханалла, сабыйың донъяға килде, һылыу, әсәй булдың...– Апай, миңә бала кәрәкмәй, мин әсәй була алмайым, – тип иланым да ебәрҙем. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#ЛилиәҒәниева Уйлай китһәң, ҡыҙыҡ был донъя: йәш саҡта, ауыл урамында саң туҙҙырып бейеп ҡайтҡанда, һуңғараҡ хеҙмәт юлын башлап көн дә иртән эшкә ашыҡҡанда, мәле еткәс төн уртаһында сәңгелдәктәге сабыйыңды бәүеткәндә “их, бер туйғансы йоҡлаһаң ине!” тип хыялланаһың. Ә инде олоғайып, быларҙың барыһы ла артта ҡалғас, күпме теләйһең – шунса йоҡларға ине лә, юҡ, булмай икән... Дауахана палатаһында танышҡан Миңһылыу исемле апай менән икебеҙҙе йоҡо алманы ул төндө. Һүҙгә әүәҫ күршем, хәтирәләр ебен тағата-тағата, мине үҙенең алыҫта ҡалған яҙмыш өйрөлтмәктәренә алып китте. – Йәшем ун етелә ине, – тип башланы һүҙен Миңһылыу апай. – Көтмәгәндә тормошто пыран-заран килтергән һуғыш сыҡты. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙағы булған ир-ат ил һаҡларға китте. Ә беҙҙе, яңы иҫ белә башлаған бер нисә үҫмерҙе, Күркәтауға – төпкөлдәге ҡара урманға – һал ағыҙыу эшенә оҙаттылар. Әсәйҙән айырылып өйрәнмәгәс, ҡурҡыта, шомландыра. Ярай әле, арабыҙҙа беҙҙән саҡ ҡына ҙурыраҡ Ҡотлогилде тигән ағай бар, уға таянырбыҙ... Үҙемде шулай йыуатырға тырышып өйҙән сығып киттем. Һай, беҙҙең күргәндәр! Кейем юҡ, ашау яғы наҡыҫ. Ә эште әзмәүерҙәй ирҙәр кеүек ҡолас киреп эшләргә кәрәк. Ниңә тауҙың иң бейек түбәһендә, ҡая таштар өҫтөндә үҫә икән был һомғол, һылыу ҡарағайҙар, тип уйлай-уйлай көнө буйы ҡул менән ағас бысабыҙ. Берәүҙәр йыуан бүрәнәләрҙең ботаҡтарын әрсей, икенселәр бер урынға өйөп бара. Бер аҙҙан уларҙы һыуға этеп төшөрөп ағыҙып ебәрәбеҙ. Берсә тирләп, берсә өшөп, тубыҡтан еүешләнеп, кис етеүгә һыуыҡ барактарға ҡайтып йығылабыҙ. Ҡотлогилде ағай, ысынлап та, беҙгә таяныс ине. Өҫ-башты мейес йылыһына киптерергә ҡуйғанбыҙмы, аяҡ кейемебеҙ түҙерлекме – ул барын да күреп, һәр нәмәне хәстәрләргә тырыша. Уның иғтибарлы ҡарашы аҫтында шаян һүҙҙәрен тыңлап ашағанғамы, шыйыҡ аш та, рәтһеҙ генә бутҡа ла тәмлерәк тойола... Ваҡыт шулай үтә торҙо. Ҡайһы мәлдә һәм нисегерәк килеп сыҡҡандыр, шул Ҡотлогилдегә үлеп ғашиҡ булғанды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Аслы-туҡлы көндәремдең, өшөп-туңып йоҡлаған төндәремдең ауырлығын күңел түрендәге татлы уйҙар менән еңеләйтәм. Көндән-көн һүрәнерәк йылытҡан ҡояш нурына үҙемдең ҡайнар хисемде өҫтәйем дә, донъям яҡтырып китә. Уны күрһәм, ауылды, әсәйемде һағыныу тойғоһо ла баҫылғандай була. Бик оҫта йырсы ла бит әле үҙе. Моңло тауышы бар донъяны хайран итә, бөтә хәсрәттәрҙе оноттора... Көҙгө йонсоу көндәрҙең береһендә уның йөҙө нисектер уйсан, бойоҡ күренде. Нимә булды икән? Ниңә ул бик күңелһеҙ? Оҙаҡламай үҙе яныма килде. “Хәлең нисек, Миңһылыу?” – тип өндәште лә күҙҙәремә шундай тултырып ҡараны! Ҡулға ҡорал алырға уға ла сират килеп еткән, һуғышҡа китә икән. “Ауылға ҡайтып хушлашып китергә бер генә көн бирҙеләр, – тине ул. – Айырылғы килмәй һеҙҙән, эҫенгәнмен...” – тип өҫтәне. Ҡайҙа беҙҙең ғүмерҙә лә бойоҡмаҫ, тапҡыр телле ағайыбыҙ? Әле ҡаршымда ауыр эштә сынығып олпатланған, ҡыйғас ҡара ҡашлы, теремек ҡарашлы, үтә лә етди сырайлы ыласындай егет баҫып тора. – Мин дә ауылға ҡайтам! Һинән ҡалмайым! – тип һалдырҙым. – Ярамай, һылыу, һеҙгә эшләргә кәрәк. Еңеү өсөн тырышырға. Аңланыңмы? – Юҡ, аңлағым килмәй! Алып ҡайт мине ауылға, ағай, зинһар өсөн! – Шулай ҡартмынмы ни, ағай ҙа ағай тиһең, – тип шаяртты ул, маңлайыма төшкән сәс бөртөгөнә бармаҡ остары менән ҡағылып. – Ә мин, үҫә бирһәң кәләш итеп алырмын үҙеңде, тип уйлап йөрөгән булам... Ҡайттым уның менән ауылға. Һөйгәнем миңә һағышлы, шатлыҡлы, мөхәббәтле, ҡабатланмаҫ серле бер төн бүләк итте. Һәм иртәгеһенә, ергә тәүге ҡырпаҡ ҡар-күбәләктәр һибелгән һалҡын иртәлә, ул алыҫта барған оло яуға, дошманға ҡаршы ҡаты алышҡа юлға сыҡты. – Яратам һине, Миңһылыу. Мине көтөрһөңмө? – Мин дә яратам, көтөрмөн... Уның моңо, беҙҙе ҡауыштырған иң бәхетле төн һәм бер-беребеҙгә биргән антыбыҙ ғүмерлеккә йөрәгемә уйылып ҡалды... *** Күркәтауға килеп, һал ағыҙыуҙа эшләүемде дауам иттем. Ауыр булһа ла, яҡты өмөттәр менән йылытылған ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Йөрәгем аҫтында йөрөткән тере йәнгә лә өйрәндем. Тик тормошомдоң артабан нисек булырын күҙ алдына килтерә алмайым. Күпме көтһәм дә, Ҡотлогилденән ҡош телендәй ҙә хәбәр килмәне. Бер-ике хатынан башҡа өйҙәренә лә хәбәре юҡ, тип ишеткәс, күңелде ҡара шәүлә ҡаплағандай булды. Ә ҡәһәрле һуғыш һаман бөтмәй... Әҙәм балаһына шатлыҡ килгәндә лә, бәләгә ҡалғанда ла бер нәмә хас, күрәһең: ул үҙенең тыуған еренә, өйөнә ашҡына. Минең менән дә шулай булды. Иртәле-кисле туңдырып, көндөҙ аҙ ғына йылытып яҙ моронлай башлағайны, бер кемгә лә әйтмәйенсә, ҡайтыр юлға сыҡтым. Һепертмә буран төштән һуң бөтөнләй ҡоторондо. Күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәтте көскә йырып алға барам. Аҙашмаһам ғына ярар ине, Хоҙайым, ярҙам ит, тип ҡабатлай аслыҡтан, һыуһауҙан кипкән ирендәрем. Бит-ҡулдарым, аяҡтарым өшөүҙе тоймай ҙа башланылар. Бер мәл алда ниндәйҙер ҡара шәүлә күҙгә салынды, шунан уның бәләкәй генә ҡоролма икәнен, хатта ҡайҙандыр нәҙек кенә төтөнмө-быумы сыҡҡанын абайланым. Ни булһа ла булыр, тинем дә, йән көскә ишек бауын тарттым. Йөҙөмә тоноҡ йылылыҡ бәрелде, эстә дөм-ҡараңғы. Мунса икән. Яғылған, ныҡлап һыуынырға өлгөрмәгән. Һәрмәнеп һикене эҙләп таптым, ҡулым һауыт төбөндәге имшеү һыуға ҡағылды. Яҙмышыма күнеп, ошо мунсала ҡунып сығырға булдым. Иртәнән тәғәм ризыҡ булмаған эс-бауырым өҙөлөп барыуға ҡарамай, йылынып, күҙем эленә башлағайны, тышта аяҡ тауышы ишетелде. Һиҫкәнеп тороп ултырҙым. Йөрәк дарҫлап тибә. Ишек асылыуға, һыуыҡ һауа менән бергә тәпәшерәк буйлы берәү килеп инде. Эске һиҙемләү менән уның ҡатын-ҡыҙ икәнен шәйләнем. – Апай тип әйтәйемме, инәйме, зинһар, ҡурҡмағыҙ. Зарураттан килеп индем бында, юл кешеһе мин, – тип көс-хәлгә өндәшә алдым. Ҡатын аптырап ҡалды, шулай ҙа ҡурҡаҡтарҙан түгел икән, тиҙ генә бәләкәй тәҙрә уйымындағы һуҡыр шәмде ҡабыҙып ебәрҙе һәм миңә текәлде: – Зарураттан тиһеңме? Ҡайҙа юл тотоуың, ниңә бындай көндә яңғыҙ сәфәргә сыҡтың? – Күркәтауҙан ҡасып ҡайтып барам. Йөклөмөн мин, апай... – Эй ҡыҙ бала, ҡыҙ бала... Шундай хәлдә юлда йөрөргә яраймы һуң? Шөкөр ит, ауылға килеп етә алғанһың. Урманда ҡалһаң нишләр инең, йә инде! – тип аптырай ят апай. Шул саҡ күҙем алдында осҡон сәсрәнеме ни, бил тәңгәлендә бығаса тоймаған-белмәгән йән-тән ауыртыуы хасил булды. “Ай-ай!” – тип асырғанып ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Бушаныр сағың еткән түгелме? Йә, Хоҙай, еңеллек бир инде... Рәхмәт төшкөрө, кистән танаҡайым быҙаулағайны әле. Таң һыҙыла башлағас, шул малҡайға мунсалағы һыуҙы эсерәйем тип кенә ингәйнем. Бына нисек килеп сыҡты... Ай, Алла... – Апай миңә һикегә уңайлап ятырға ҡушты. – Ошонда ҡайнымдың бәкеһе була торғайны, баланың кендеген ҡырҡырға ярап ҡалыр, – тип үҙ алдына һөйләнгәндәй, ялғашҡа һыу ҡоя башланы. Теге ауыртыу бер нисә мәртәбә ҡабатланып күҙҙән ут сәсрәтеп алыуға мунса эсен сағыу, көр илау тауышы тултырҙы. – Сөбханалла, сабыйың донъяға килде, һылыу, әсәй булдың... – Апай, миңә бала кәрәкмәй, мин әсәй була алмайым, – тип иланым да ебәрҙем. – Атаҡ, нисек инде кәрәкмәй? Бына бит ул теп-теремек, бар ағзалары ла теүәл уҫлаптай малай! Хәҙер күкрәгеңә һөт төшөр, сабыйҙы имеҙергә әҙерлән. – Кәрәкмәй, кәрәкмәй, мин уны көтә алмайым! – үҙем һаман илауҙан туҡтамайым. – Улай тип ауыҙыңды ла асма, ҡара уны! Матур ғына егет булып үҫеп китер, үҙеңә иш булыр. – Ҡатын әллә ниндәй еңеллек, таһыллыҡ менән баланы тиҙ генә йыуындырып, үҙе кейеп килгән бишмәткә төрҙө лә йәтеш йомарлаҡты эргәмә килтереп тә һалды. – Икегеҙ ҙә бер аҙ хәл алығыҙ, мин өйҙән йылы сәй алып киләйем. Унан малайың имергә таптыра ла башлар, – тине лә апай нисек килеп ингән шулай юҡ булды. Йылы. Әллә нисек рәхәт һымаҡ. Тәҙрә уйымынан ҡыҙарып ҡояш яҡтыһы төшә, яңы көн тыуып килә. Ҡыҙыҡ, минең улым бар, бөгөндән мин әсәй, көлөп-шаярып йөрөгән Миңһылыу ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Ҡотлогилде беҙҙе күрһәсе ошо минутта, ни әйтер ине икән? Ҡайҙа ул, тереме, әллә үлеме? Улы барлығын уға нисек хәбәр итергә? Башты йөҙ төрлө һорау быраулай. Ауылға, әсәйемә нисек ҡайтып инермен? Ул ни әйтер? Баланы ҡарай алырмынмы? Әллә ошонда... йылы урында ҡалдырып китергәме? Хәйер, нисек ҡалдырып китәһең, ана бит, күҙен емелдәтеп берсә уға, берсә бына-бына һүнергә торған елпек шәмгә текләп ята. Шундай йомро, йомшаҡ ҡына, әллә ниндәй татлы еҫ килә үҙенән. Оҙаҡ-оҙаҡ ятһаң ине ошо йылыға иҙерәп... Етеҙ атлап теге апай килеп инде. – Йә, һылыу, тәмләп кенә сәй эсеп ебәр, бер-икәүҙе ыуыҙ ҡоймағы ҡойоп өлгөрҙөм әле, әйҙә ауыҙ ит. Әлдә абзыйың мейескә ут яғып ебәргән, – тип үҙ күреп хәбәрен теҙә. – Һорарға онотоп торам: исемең нисек, һылыу? – Миңһылыу, – тим, әллә мәтрүшкә, әллә ҡарағат япрағы һалынған тәмле сәйҙе һемереп. – Матур икән исемең. Битеңдә миңең бар ҙаһа, әсәйең шуға ошо исемде ҡушҡан инде, – тигән һығымта яһап ҡуя. Аҙна-ун көн буйы үҙ балаһын көткән үҙ әсәм кеүек ҡараны ул беҙҙе. Мине лә ипле генә итеп малайға эҫендерҙе: “Ҡарасы, бигерәк матур, туп-тумалаҡ бит әле, бик һөйкөмлө кеше булыр, күңелем һиҙә”, – тип әйләнгән һайын баланы һөйөп ала. Мин иһә өркәк тай кеүек мунсала ҡото алынып ултырған Миңһылыуҙан көндән-көн сабыйымды ихлас яратып, ләззәтләнеп күкрәк һөтөн биргән йәш әсәгә әүерелә барам. Улымдың кендек инәһе Сафия апай беҙҙе бар хәленсә юлға әҙерләп, фатихаһын биреп оҙатты. “Һылыу, был бала һинең тормошоңа ҡот-ырыҫ килтерер, исемен Ырыҫкилде тип ҡуштыр, – тине ул хушлашыр алдынан. Исем миңә лә оҡшаны: Ырыҫкилде Ҡотлогилде улы... Яңғырашы ла, мәғәнәһе лә күңелгә ятышлы. Шулай итеп, беҙ Ырыҫкилде менән имен-һау ауылға ҡайтып төштөк. Әммә унда беҙҙе еңел тормош көтмәй ине. *** – Кем балаһын күтәреп ҡайттың? Никахһыҙ тыуған баланы ҡарап ултыраһым юҡ! – тип ҡырт киҫте әсәйем мине күреү менән. – Әсәй, ул бит минең улым, һинең ейәнең... – Донъялағы иң яҡын кешем был һүҙҙәрҙе ишетергә теләмәй ине... Шулай йәшәлде, үлмәнек. Унан Еңеү яҙы килде. Тереләр әйләнеп ҡайтты, минең һөйөклөм, тормошта таяныр терәгем яу ҡырында ҡалды. Ата-әсәһе бар ине, тик ни өсөндөр ейәндәренә ҡарата уларҙың күңеле бикле булды. Ғәйепләмәйем уларҙы. Быға хаҡым юҡ. Заманы ауыр ине, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы үҙенә тигәндәй... Артыҡ тамаҡ яуы кемгә кәрәк? Шулай, үҙем ауылда мыҫҡыллы ҡараштарҙы, арттан әйтелгән быш-быш хәбәрҙәрҙе күтәреп, балам урамда тиҫтерҙәренең үсекләүҙәрен, кәмһетеүҙәрен татый-татый йәшәүҙе дауам иттек. Колхозда һауынсы булып ең һыҙғанып эшләнем. Алдынғы ла булдым. Тик минең ише йәшлеген һуғыш өҙгән яңғыҙаҡ ҡатындарға яҡшыһынан алда яман дан тиҙерәк йәбеште. Барын да үҙ иңемдә күтәрҙем. Түҙҙем. Парлыларҙан, бәхетлеләрҙән көнләштем, төндәрен һығылып иланым. Шулай ҙа күҙ һалып маташыусыларға яуабым бер булды: “Мин улымдың атаһын көтәм. Ҡайтып инһә, ни әйтермен?” Улыҡайымдың урындыҡта яҫтыҡты гармун итеп тотоп тартҡылап, йырлап ултырыуын күргән һайын уны гармунлы иткем килде. Аҡсамды йыйнап-төйнәп йөрөй торғас, район баҙарына барып ялтырап торған гармун алып ҡайттым. Баламдың ҡыуанғаны шунда! Атҡа атландымы ни?! Көйө лә бит әле симешкә сирткәндәге кеүек бер-бер артлы сығып ҡына тора. Ауылдағы иң шәп гармунсы булып китте улым. Үҙенең тауышы ла моңло, ғәйрәтле – йырлап ебәрһә, тәҙрә быялаһы зыңлап тора. Табындарҙың, сәхнәләрҙең түре тик уныҡы хәҙер. Мәктәптә уҡыуын тамамлап, колхозға бесән әҙерләүҙә ярҙамлашып йөрөгән мәлендә Рыҫкилдегә армияға саҡырыу ҡағыҙы килде. Улымдың гармунда уйнауын тыңларға күмәк халыҡ йыйылды. Ә ул инәлтеп тормай, һыҙҙыра ғына көйҙәрҙе. Кемдер күңеле нескәреп күҙ йәшен һөрткөләп ҡуя, бәғзеләр: ”Афарин, шәп егет булып сыҡтың, әрменән имен-һау йөрөп ҡайт, көтәбеҙ! – тип гармунсы егеттең арҡаһынан ҡаға. Ауыл урамынан гармун тартып йырлап армияға киткәнендә улымдың һыу һөлөгөндәй һылыу ир-егет булып үҫеп етеүен, бар булмышы менән атаһына оҡшауын күреп таң ҡалдым. Ошо бала булмаһа тормошом ҡалай шыҡһыҙ, ҡот осҡос буш булыр ине, тип уйланым, Хоҙайҙан уға тәүфиҡ һәм ғүмер һораным. *** Рыҫкилде әрменән хат артынан хат яҙҙы. Күңел йыуанысы ине улар миңә. Шатлығымды кем менән уртаҡлашырға белмәй йөрөгәндә Сафия апай иҫемә төштө. Оҙаҡ уйлап торманым, күрше районға юлға сыҡтым. Улымдың хаттарын, фоторәсемен алдым. Ҡайҙа йәйәүләп, ҡайҙа үткенсе машиналарға эләгеп, Сафия апайҙың ауылына барып еттем. “Кем әле һин, күргәндәй ҙә булам... Миңең бар битеңдә, бәй, Миңһылыу, һинме был?!” – тип ул мине илай-көлә ҡосаҡлап алды. Сафия апай апаруҡ олоғайған, йәмәғәте гүр эйәһе булғас, кесе улының ғаиләһе менән ғүмер кисерә икән. Ялан-ҡырҙар гиҙеп емеш-еләк йыя, һәр төрлө дарыу үләндәрен киптереп, ҡышҡы һыуыҡтарҙа күрше килендәрҙең сабый-маҙары ауырып китһә, шифалы сәй эсереп, доғалар уҡып дауалай. Булмышы менән изге йән инде был апай. Иң иҫтәлеклеһе шул булды: Сафия апайҙың улы ат егеп беҙҙе ҡасандыр мажаралы йәшлегебеҙҙең шаһиты булған Күркәтауға алып барҙы. Хәтирәләрҙе яңырта-яңырта һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Сафия апай улымдың фотоларын ҡарап бигерәк һөйөндө. “Лайыҡлы ул үҫтергәнһең, уның өсөн ғорурланып үткәр ҡартлыҡ көнөңдө, – тине ул миңә. – Атаһын һуғыш тартып алһа ла, мөхәббәт, наҙ менән донъяға яралған бала бит ул. Яҡындарыңа аят уҡытҡанда йәшлек йәрең Ҡотлогилдене телгә алырға онотма, һылыу. Сауабы төшөр үҙеңә...” Ғүмергә етерлек яҡты, йылы тойғолар менән ҡайттым оло йөрәкле Сафия апайымдан. Ауыр мәлдә уның сабырлығы, мөләйемлеге, ихласлығы күҙ алдына килә лә, тормош яңынан нурланып, йәмләнеп киткәндәй була. *** Рыҫкилде улым әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, уҡып һөнәр алды. Әсәйем мәрхүмәнән ҡалған иҫке өйөбөҙҙө бөтәйтеп, төкәтмә төкәттек. Мине эшемдән хаҡлы ялға оҙаттылар. – Әсәй, өйгә килен төшөрһәк, нисек ҡарайһың? – тип ҡайтып инде бер көн улыҡайым. – Ризамын, балам, ҡуш ҡуллап ризамын! – тинем улымдың тыйнаҡ, ипле уҡытыусы ҡыҙҙы күҙләп йөрөүен белгәс. Самаға ҡарап туй үткәреп, киленле булдым. Шөкөр, уңдым киленемдән. Нисәмә йыл бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәп, ҡырын ҡарағанын тойғаным юҡ. Биш ейән-ейәнсәр бүләк иттеләр миңә. Барлыҡ күңел йылымды, наҙымды ошо алтын бөртөктәрендәй сабыйҙарға биреп иркәләп-һөйөп үҫтерештем, бар хәлемсә ярҙам иттем. Бергә ҡыуандым, бергә борсолдом балаларым менән. Бер-бер артлы буй еткереп, йорттан осоп китә лә башланы ҡошсоҡтарым. Бәхетем бар, Аллаға шөкөр. Аяҡ-ҡулдарҙың өҙлөкһөҙ һыҙлауы ғына йонсота, уныһы һуғыш касафаты инде. ...Шуны әйтәм әле, һылыу, тормош юлымда Сафия апай кеүек изге фәрештә осрамаһа, бөгөнгөм ниндәй булыр ине икән? Аллам һаҡлаһын, баламды ташлап китһәм, ҡәҙер-хөрмәттә өй түрендә ултырыр инемме? Эйе, бәғзе бәндәләр үҙ туғанынан изгелек күрмәгәндә, ҡайһы саҡ бөтөнләй сит-ят кеше һиңә ярҙам ҡулы һуҙып, йән туғаныңа әйләнә, ғүмер юлында һине уның изгелеге, фатихаһы оҙатып бара. Яҡшы кешенән ерҙә яҡты эҙ ҡала ул... Иртәнге тынлыҡта Миңһылыу апайҙың йәшлек мөхәббәте Ҡотлогилдегә, Сафия апаһына, үҙенең һәм йәренең ата-әсәһенә бағышлап, уларҙың рухының тыныс булыуын һорап уҡыған доғаһының илаһи тәьҫирендә бәүелеп, татлы йоҡоға талғанмын.
Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған еңеүселәребеҙҙе – уҡыусы балаларҙы ҡотларға оло әҙиптәребеҙ, мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ килгәйне. Билдәле булыуынса, “Аманат” журналы редакцияһы Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе ойошторғайны. Конкурстың тәүге өлөшө үткән йыл аҙағында тамамланды (еңеүселәр исемлеген журналдың 2018 йылдың 12-се һанында иғлан иттек). “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренең еңеүселәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының матур Аҡ залында үтте. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған еңеүселәребеҙҙе – уҡыусы балаларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын, ата-әсәләрен – ҡотларға оло әҙиптәребеҙ, мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ килгәйне: Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе, Мостай Кәримдең ҡыҙы – Әлфиә Кәримова, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, сатирик Марсель Сәлимов, яҙыусы, шағирә, Салауат Юлаева ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова, шағир Салауат Әбүзәров, һ.б. Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын! Башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарыусы “Саптар” этно-төркөмө һәм Бөтә Рәсәй "Йондоҙлоҡ" бәйгеһе еңеүсеһе, “Аманат” журналының йондоҙо Зарема Шәйхетдинова сараға йәм өҫтәне. Зарема йырға ла, шиғыр яҙырға ла маһир ҡыҙ булып сыҡты. Ул – шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе лә. – Ижадты яратҡан, матурлыҡҡа ынтылған балаларға Мостай олатайығыҙҙың бүләге итеп ҡабул итегеҙ, – тип, Мостай Кәрим исемендәге фонд рәйесе Әлфиә Мостай ҡыҙы еңеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бүләктәрҙең дә ниндәйе бит әле – ноутбук, планшеттар, электрон китаптар, Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре һәм М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, шағир Салауат Әбүзәровтың үҙ ҡулдарынан автографлы китаптарын алыу – уҡыусы өсөн мәңге онотолмаҫ, ғүмерлек иҫтәлектер. Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе балалар йөрәгенә шатлыҡ нуры сәсеүсе был сара барыһы өсөн дә ысын мәғәнәһендә күңел байрамы булды. Уҡыусылар киләсәктә ниндәй генә һөнәр кешеләре булһалар ҙа, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә илебеҙҙең, телебеҙҙең бәҫен күтәреүсе шәхестәр булып үҫһендәр, башҡорт мәҙәниәтенең, журналистикаһының яҡты йондоҙҙары булып янһындар ине тигән теләктә ҡалабыҙ. Ижадсы балалар күңелен үҫтереп, уларға ҡиммәтле бүләктәр биргән, сараны ойоштороуҙа беҙгә оло ярҙам күрһәткән, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримоваға “Аманат” журналы редакцияһының рәхмәте сикһеҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, изге эшендә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Бәйгенең икенсе өлөшө еңеүселәре Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулған йыл ахырында иғлан ителәсәк. “Аманат” журналын уҡыусы балаларға быйыл да әүҙем булырға, ижади бәйгенән ситтә ҡалмай, дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ! Әйткәндәй, фотоларҙы беҙ “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә айырым альбомға һалдыҡ. Бына уға һылтанма - ФОТОЛАР Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Дыуан районы Мәтәле ауылында һирәк осрай торған күренеш теркәлгән. Голосовтар ғаиләһенең Зорька ҡушаматлы һыйыры бер юлы өс быҙау быҙаулаған. Өфөлә тыуып үҫкән Иван Голосов бер нисә йыл элек кәләше менән Дыуан районындағы олатаһының өйөнә күсеп килгән. Ҡалалағы кеүек уңайлы шарттар булмаһа ла, йәш ғаилә тормош ауырлыҡтарына зарланмай. Бөгөн улар өйҙәрен мейес менән йылытып, күпләп мал-тыуар аҫрау менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә һәүкәштәренең береһе хужаларҙы ҡыуандырып, бер юлы өстө быҙаулай. Ғәҙәти булмаған күренеш кемделер аптырата, ә ҡайһы берәүҙәрҙе көнләшергә мәжбүр итә. Тырыш ғаилә өсөн малдарҙың ҡапыл ишәйеүе көтөлмәгән хәл була. Әммә хужа тиҙ арала үҙен ҡулға алып, быҙауҙарҙың һәр береһе өсөн айырым бүлмә ҡора. Сибек кенә тыуған бөйрәкәйҙәр әле йылы ҡурала үҙҙәрен яҡшы тоя. Һыйырыбыҙҙың быҙауы тыуғас тағы ла аяҡтар күренде. Беҙ ҡыуанышып икенсеһен дә йылы һарайға индерҙек. Яҡынса 20 минуттан мин Зорьканы ҡарайым тип сыҡһам, тағы ла бөйрәкәй ятыуын күрҙем. Уның хәле бик насар ине. Өйҙә бер тәүлек тотҡандан һуң аяғына баҫты һәм һөт һорай башланы. Иван Голосов, Мәтәле ауылында йәшәүсе Йәш ғаилә үҙҙәре лә өс балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән ҡыҙҙарына дүрт, улдарына өс һәм бәләкәстәренә йәш ярым ғына әле. Хужабикә балаларын да ихлас тәрбиәләй, мал-тыуар ҡарарға ла ваҡыт еткерә. Был беҙҙең беренсе һыйырыбыҙ, ауылға күсеп килеү менән һатып алғайныҡ. Ул ваҡытта хаҡы ҡиммәт кенә ине. Яҡынса бер айҙан быҙауы тыуҙы. Хәҙер инде Зорькабыҙҙың йыл һайын быҙаулауына күнегеп тә бөткәнбеҙ. Шуға ла был юлы ла һыйырыбыҙ ҡыуандырыр тип көтөп йөрөй инек, өс быҙауҙы күргәс шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Анастасия Климина Мәтәле ауылында йәшәүсе Бындай күренеш бик һирәк булһа ла, республика өсөн рекорд түгел. Сөнки 2011 йылда Шишмә районында Зойка ҡушаматлы һыйырҙың бер юлы дүртте быҙаулай. Голосовтарға килгәндә, әлеге ваҡытта улар бөйрәкәйҙәрҙәренә ҡушамат һайлай. Йәш ғаилә һыйыр йылының тағы ла ошрндай мөғжизәләргә бай булыуын теләй. Автор: Илдар Байбулатов. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Был ваҡиғаға байтаҡ йылдар үтһә лә, йыш ҡына иҫкә төшә һәм ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән әйтемде иҫкәрткән кеүек. Был ваҡиғаға байтаҡ йылдар үтһә лә, йыш ҡына иҫкә төшә һәм ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тигән әйтемде иҫкәрткән кеүек. Төн уртаһында тауыш биргән телефон һәр кемде һағайта, хәүефкә һала. Мин дә, төндә йәки иртә таң менән шылтыраһа, хафаға ҡалам. Был юлы ла, трубканы алғансы һүнеп өлгөрһә лә, күңелде шик-шөбһәгә һалды ул. Таныш булмаған һандарҙы күреп, моғайын, яңылышҡандарҙыр тип, тыныслана төшкәйнем, әммә бер бүленгәс, йоҡо осто. Ята торғас, бәлки, ысынлап та берәйһенә ярҙам кәрәктер, тип үҙем шылтыраттым. Телефоны ҡулында ғына булғандыр, шунда уҡ яуап бирҙе: -Төндә борсоғанға ғәфү итегеҙ, зинһар. Өлгөрмәҫмен, тип ҡурҡтым. Үлеп китһәм, балаларыма аяҡҡа баҫырға ярҙам итерһегеҙ инде, - тине лә, һулҡылдап иларға кереште, бер нисек тә тынысландырырлыҡ түгел. Ул илай, мин тыңлайым, бер ни аңлашылмай, үҙем бөтә иғтибарымды туплап, тауышынан таныш ноталар эҙләйем. Кем булды һуң әле был? Йүгерек уй бер секунд эсендә туғандарҙы, дуҫтарҙы, хатта элекке уҡыусыларымды барлап сыҡты - тауыш береһенекенә лә оҡшамаған. Шулай ҙа һамаҡлауынан шуны аңғарҙым: был ҡатын нимәгәлер ныҡ намыҫланған һәм оятынан хатта үлергә әҙер. Телефон һандарын бутап шылтыратыуын аңлаһам да, яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған кешене, таныш түгел, тип кенә һүндереп ҡуйырға ҡулым барманы. Нисек тә уны тынысландырырға, офоҡта яҡтылыҡ күренгәнсе һөйләндерергә ниәт иттем, сөнки ҡара эштәрҙең күбеһе төн пәрҙәһе артында ҡылынғанлығы мәғлүм ки. Бер аҙҙан ҡатын илауҙан туҡтаны. Төн уртаһында уны шул тиклем нимә борсоуын белергә теләүҙән түгел, ә ошондай мәлдә бөтә нәмәнән ҡиммәт ваҡытты һуҙыу, уны тулыһынса тынысландырыу маҡсатында һораша башланым. Баҡһаң, бер-бер артлы ике бала табып, декрет ялында ултырғандан һуң, эшкә урынлашыр алдынан медицина тикшереүе үткән ваҡытта ҡатындың ВИЧ-инфекцияһы йөрөтөүе асыҡланған. - Был статус менән артабан нисек йәшәргә? Атай-әсәйем - ҡалала абруйлы ғына кешеләр, минең бындай хәлдә булыуым уларҙың йөҙөнә ҡара яғыу буласаҡ. Улар ҙа, балаларым да мине ғәфү итмәйәсәк. Иң яҡшыһы - серемде теге донъяға алып китеү. Башҡа сарам юҡ... - тип һыҡтаны ул. Хаҡым, хоҡуғым бармы-юҡмылығы тураһында уй башыма ла инеп сыҡмай, яйлап ҡына һорауҙар яуҙырам. Аныҡ, тулы яуап бирә, тимәк, тынысланды, тип ҡыуанам. Вирусты нисек йоҡтороуы тураһында һорашҡас, уйға ҡалды. - Иремдең миңә тоғро икәнлегенә үҙемә ышанған кеүек ышанам. Үҙем дә унан башҡа бер кем менән бәйләнешкә ингәнем юҡ, - ти был. - Наркотик ҡулланмайым, бала табыу йортонан тыш, дауаханала ятҡаным юҡ... - Йыш ҡына яңылышыуҙары, һөҙөмтәләрҙе бутауҙары тураһында ишеткәнем бар, яңынан анализ биреп ҡара әле, - тип “шыттырҙым”. Был һүҙҙәр ҡатында өмөт уятты. Иртәгә иртүк дауаханаға барырға вәғәҙә итте һәм беҙ хушлаштыҡ. Был ваҡытта офоҡта ҡыҙарып ҡояш сыҡҡайны инде. Аҙна буйы хәлен белгем килеп йөрөһә лә, түҙҙем. Һигеҙенсе көндә рәхмәт әйтеп, үҙе шылтыратты. - Бер нисә урында тикшереү үтеп, тулыһынса ышанғас ҡына шылтыратырға ҡарар иттем. Ысынлап та, анализ яңылыш булған! Ул төндә уҡытыусым менән һөйләшкем килгәйне. Бер һанға ғына яңылышып, һеҙгә эләккәнемә яҙмышыма рәхмәтлемен. Һеҙ миңә мәңгелек һабаҡ бирҙегеҙ: ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ! Ярһыуыма баш була алмай, үҙемә ҡул һалһам, балаларым, атай-әсәйем һәм ирем генә түгел, Аллаһу тәғәлә алдында ҙур гөнаһлы булыр инем, - тине. Башҡортостандың төньяғындағы ҡалаларҙың береһендә йәшәгән был йәш ҡатын менән, бер ҡасан да осрашып күрешмәһәк тә, байтаҡ йылдар телефондан аралашып йәшәйбеҙ. Әммә теге күңелһеҙ ваҡиға тураһында ул да, мин дә ауыҙ асып иҫкә алғаныбыҙ юҡ...
Президент Владимир Путин 31 декабрҙе ял тип иғлан итеү тураһында тәҡдим идергәйне. Уға бәйле Яңы йыл каникулдары ҡыҫҡармаҫмы икән, тип хафалана ҡайһы берәүҙәр. Президент Владимир Путин 31 декабрҙе ял тип иғлан итеү тураһында тәҡдим идергәйне. Уға бәйле Яңы йыл каникулдары ҡыҫҡармаҫмы икән, тип хафалана ҡайһы берәүҙәр. Байрам көндәрен сикләү тураһында мәсьәлә ҡаралмай, тип белдерә Кремелдең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков. Һуңғы мәғлүмәт буйынса, Рәсәйҙең 54 төбәгендә (улар беҙҙә 85) йылдың һуңғы көнө өсөн бөгөн эшләйҙәр. Күп осраҡта был дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм бюджет ойошмаларына ҡағыла. Башҡортостанда ла бөгөнгө шәмбе күптәр өсөн эш көнө. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#миллипроекттар#төбәкпроекттарыРеспублика дауаханаларына 13 өр-яңы “ашығыс ярҙам” машиналары тапшырылды. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Автомобилдәр заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Унда наркоз-тын алыу ҡорамалдары, реанимация йыйылмалары, электрокардиограф, дефибриллятор, йылытылған юрғандар һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары бар. “Ашығыс ярҙам” машиналары Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Сибай, Октябрьский ҡалаларындағы дауаханаларға һәм Баймаҡ, Белорет, Бәләбәй, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө райондарындағы үҙәк дауаханаларға юлланды. Ә Ишембай үҙәк дауаханаһына ике машина оҙатылды. Быйыл республика Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 24 “ашығыс ярҙам” машинаһы аласаҡ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Кисә Интернет селтәрендә "Бала юғалған, йөрөп килергә сыҡты ла, ҡайтмаған" тигән белдереү пәйҙә булды. Сипайлово биҫтәһендә ғәйеп булған ун йәшлек Даниил Чернявскийҙың ата-әсәһе шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә, эҙләүгә "Лиза Аллерт" ойошмаһы, ирекмәндәр ҡушыла. Һуңғы яңылыҡтар буйынса, Даниилды төндә Салауат Юлаев проспектында табалар һәм ата-әсәһенә тапшыралар. Әле уның һаулығына һәм хәүефһеҙлегенә бер нәмә лә янамай, малайҙың өйҙән сығып китеү сәбәбен асыҡлана. Фото: Башинформ Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуға контролде көсәйтә, тип билдәләй ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Бөгөндән республика биләмәһендә «Шыршы -2019» оператив-иҫкәртеү операцияһы башлана. Операция барышында Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары эске эштәр, Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ киҫеүгә юл ҡуймау өсөн урмандарҙы, шыршы ташыған транспортты тикшерә. Һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән бергә законһыҙ әҙерләнгән яңы йыл шыршыларын һатыуға юл ҡуймау маҡсатында уларҙы һатҡан урындарҙа рейдар үткәреү күҙаллана. Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ һәм һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум административ штраф янай. Штрафтан тыш, браконьер урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Урмандарҙа законһыҙ эшмәкәрлек алып барыу хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспечтер хеҙмәтенә ебәрергә мөмкин. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
1 декабрҙә бөтә донъяла Йомарт шишәмбе – Бөтә донъя хәйриә көнө билдәләнә. Был көндә Өфөнөң популяр кафе һәм ресторандары үҙҙәренә килеүселәргә хәйриә акцияһында ҡатнашырға тәҡдим итә. 1 декабрҙә бөтә донъяла Йомарт шишәмбе – Бөтә донъя хәйриә көнө билдәләнә. Был көндә Өфөнөң популяр кафе һәм ресторандары үҙҙәренә килеүселәргә хәйриә акцияһында ҡатнашырға тәҡдим итә. – Бер-ике минут эсендә ҡунаҡтар QR-код буйынса хоспис төҙөлөшө өсөн үҙ өлөшөн индерә ала, – ти “Өфө хосписы” автоном коммерция булмаған медицина ойошмаһының матбуғат секретары Светлана Ниғмәтуллина. Акцияла Өфөләге кафе-ресторандар: Dasko Garden ресторан комплексы, Open Coffee ҡәһүәханаһы, Casablanca гастробары, “Клюковка” бары, MyBar караоке-бары, Camorra Pizza, “Бәрәкәт” сәйханаһы, Godji ҡәһүәханалары, “БигШеф” бистроһы ҡатнаша. Республикабыҙҙа төҙәлә алмаҫлыҡ сирҙәргә дусар кешеләр өсөн хоспис ИКЕА сауҙа үҙәге яғында һалына. Рәсәйҙә иң ҙуры буласаҡ был хоспис 2021 йылдың көҙөндә сафҡа инәсәк, тип күҙаллана. Изге эшкә ярҙам итергә теләүселәр уфахоспис.рф. сайты аша үҙ өлөшөн индерә ала. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Халыҡ-ара өлкәндәр көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостанда оҙон ғүмер» республика проектын раҫлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был турала төбәк етәксеһе Ауырғазы районындағы ветерандар ойошмалары әүҙемселәре менән осрашыуҙа хәбәр итте. Документ өлкәндәрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон арттырыуға һәм сәләмәт тормошон оҙайтыуға йүнәлтелгән саралар планын үҙ эсенә ала. Юл картаһы 2021–2024 йылдарға иҫәпләнә. – «Башҡортостанда оҙон ғүмер» проекты ике маҡсат ҡуя. Тәүгеһе – кешенең ғүмерен оҙайтыу, икенсеһе – тормош сифатын яҡшыртыу. Күҙҙәр янып, көс-дәрт ташып, сәләмәтлек бөркөлөп торһон. Кеше сәйәхәт итһен, яңы һөнәр үҙләштерһен. Заманса тормошта үҙ урынын тапһын, – тине Радий Хәбиров. Тормошто яҡшыртыу буйынса төп саралар иҫәбенә «Әүҙем оҙон ғүмер академияһы» сәләмәтлек мәктәптәрен үҫтереү, өйҙә медицина тикшереүен ойоштороу, «Ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә «Һаулыҡ һуҡмаҡтары» тип аталған йәмәғәт киңлектәрен ойоштороу инә. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында Халыҡты диспансерлаштырыуҙың берҙәм көнөндә «Көмөш йәштәгеләр сәғәте» барлыҡҡа киләсәк. Был ваҡытта табиптар пенсионерҙарҙы һәм ветерандарҙы ҡабул итәсәк. Ҙур дауаханаларҙа өлкәндәр өсөн лекторийҙар башлана. Бынан тыш, «Сәләмәтлек поезы» практикаһын дауам итеү ҡарала. «Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты»нда ололарға белем биреү программаларын, курстарын ойоштороу күҙаллана. Пенсионерҙар шулай уҡ уҡыу, ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү өсөн бушлай сертификат аласаҡ. Социаль әүҙемлекте арттырыу ҙа өлкән быуындың ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итәсәк. Һәр муниципалитетта пенсионерҙарҙы әүҙем ялға, ижадҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп иткән берҙәм файҙалы мәшғүллек үҙәктәре асыла. Район, ҡалаларҙа скандинав йөрөшө, йөҙөү, тын алыу гимнастикаһы, йога буйынса спорт һәм һауыҡтырыу төркөмдәре төҙөлә. Туризм «Башҡортостанда оҙон ғүмер» проектының мөһим йүнәлешен тәшкил итәсәк. Өлкәндәр өсөн ойошторолған төрлө ҡатмарлыҡтағы туристик маршруттар Башҡортостандың матурлығын, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыларын күреү, республиканың мәҙәни мираҫы, иҫтәлекле урындары менән танышыу мөмкинлеген бирәсәк. – Байрамда һүҙ менән түгел, ә эш менән ҡотлау яҡшыраҡ, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙ бөгөн ике ФАП астыҡ, «Башҡортостанда оҙон ғүмер» проектын раҫланыҡ. Минеңсә, был - Өлкәндәр көнөнә яҡшы бүләк. Шул уҡ ваҡытта бөтә пенсионерҙарҙан коронавирус йоҡтормау өсөн битлек тәртибен теүәл үтәүҙе үтенәм. Көҙгө-ҡышҡы эпидемиологик осорҙо беҙгә ҡыйынлыҡтарһыҙ үткәрергә кәрәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика Башлығының башланғыстарын хупланы, эште ойоштороу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе. Фото glavarb.ru сайтынан Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яңылыҡ менән уртаҡлашты: Өфө ҡалаһының Кузнецов затонында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. 2021 йылда әҙер буласаҡ баҡсаға 260 бала йөрөй аласаҡ. “Район йәш, бында йәш ғаиләләр күп, ә баҡсаларҙа урын етмәй. Был мәсьәләне пандемия арҡаһында килеп тыуған матди ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, хәл итергә кәрәк”, – тип белдерҙе республика етәксеһе. Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Ишембайҙағы Юрий Гагарин исемендәге скверҙа билдәһеҙ әҙәм һыйыр баштарын ташлаған. “Был ниндәй ҡырағайлыҡ? Гагарин скверында һәм уның эргә-тирәһендә ун башҡа яҡын һыйыр башы ташланған. Берәҙәк эттәр менән ҡырағай ҡоштарға был, әлбиттә, шатлыҡ. Ә бына кешеләргә нисек?” – тип яҙған фотография авторы. Был хәл күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Комментарийҙарҙа кемдер сквер хакимиәтенә шылтыратырға тәҡдим итә, кемдер сүп-сар ташламаҫҡа һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡларға саҡыра. Әйткәндәй, һуйылған мал ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса санитария ҡағиҙәләре бар. Уларға ярашлы, бының менән белгестәр шөғөлләнергә тейеш. Юғиһә, был ҡалдыҡтарҙың эргә-тирәләгеләр өсөн хәүефкә әйләнеүе ихтимал... Фото: социаль селтәрҙән. Автор: Айһылыу Низамова Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Бөгөн, 28 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Связист” профилакторийында булды. Унда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 209 мәжбүри күскенсе урынлаштырылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 апрелдә Башҡортостанға беренсе эшелон булып Украинаның Херсон өлкәһенән 17 күскенсе килде. Улар Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ваҡытлыса урынлашыу пунктында урынлашҡан. Ә был аҙнала республикаға Донбасстан һәм Украинанан тағы 306 кеше, шул иҫәптән 69 бала килде. Уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, психологтар, социаль хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡаршы алды. Күскенселәр Өфө һәм Стәрлетамаҡ шифаханалары һәм профилакторийҙарында ваҡытлыса йәшәй, улар аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән алдан тәьмин ителгән. – Беҙ күсеп килгән күскенселәрҙе медицина тикшереүе үткәрҙек, уның һөҙөмтәләре буйынса 23 кеше дауалау учреждениеларына оҙатылды, – тип хәбәр итте республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. – Барлыҡ граждандарға мотлаҡ рәүештә кәрәкле документтарҙы тергеҙеүҙә һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтербеҙ, шулай уҡ 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе бирербеҙ. Беҙ барлыҡҡа килгән көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү буйынса һәр күскенсе менән эшләйбеҙ. Дөйөм алғанда, республика Донбасстан һәм Украинанан 2419 күскенсене ҡабул итергә әҙер. Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова билдәләүенсә, ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында барыһынан да коронавирус инфекцияһына тест алғандар һәм хәҙер һәр кемдең һаулығына комплекслы анализ яһайҙар. – Тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында медицина ярҙамын һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булһын өсөн табиптарыбыҙ һәм шәфҡәт туташтарыбыҙ бында тәүлек әйләнәһенә дежур итә, – тине Ирина Карамова. Башҡортостан Башлығы бында булыу шарттары һәм медицина ярҙамы күрһәтеү менән танышты, шулай уҡ мәжбүри күскенселәр менән аралашты. – Беҙ ҡунаҡсыл республика, һеҙгә бында яҡшы булыр, – тине Радий Хәбиров. – Мөмкин тиклем уңайлы итеп ҡабул итербеҙ. Тәү сиратта табиптарыбыҙ һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы тикшерә, кәрәк булған осраҡта дауалау билдәләй. Ваҡыт үтеү менән мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эш вакансиялары һәм эш урындары тәҡдим итәсәк. Теләге булғандар үҙ квалификацияһын күтәреү өсөн яңы һөнәрҙәргә ҡайтанан уҡый ала. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре балаларын яңы мәктәптәрҙә яраҡлаштырыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны. – Уҡыу йылы тамамлана, мәктәпкә аҙ ғына йөрөргә ҡалды, әммә беҙ балаларыбыҙҙың үҙенең буласаҡ уҡытыусылары һәм класташтары менән әле үк танышыуын теләйбеҙ, – тине ата-әсәләр. – Беҙҙең кире ҡайтыр урындарыбыҙ юҡ. Башҡортостанда йәшәргә, уҡырға һәм эшләргә теләйбеҙ. Төбәк етәксеһе республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына килгән уҡыусыларҙы уҡытыу мәсьәләһен хәл итергә, ә Транспорт министрлығына күскенселәр график буйынса ойошторолған рәүештә ҡалалағы кәрәкле объекттарға бара алһын һәм Еңеү көнөн байрам итеүҙә ҡатнаша алһын өсөн транспорт хеҙмәтләндереүен тәьмин итергә ҡушты. – Хәҙер йылдың иң матур миҙгеле башлана. Ошо байрам көндәрендә һеҙгә һәм балаларығыҙға Өфөнө күрһәтәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ә уҡыусылар майҙа уҡ уҡыуын дауам итһен өсөн, уларҙы бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итәсәкбеҙ. Уларҙың каникулы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙайлы булды. Беҙ яҡшыға ышанабыҙ – һеҙҙә барыһы ла һәйбәт булыр. Башҡортостан Башлығы республиканың Ситуация үҙәгендә 8 (347) 218-19-19 номеры буйынса күсеп килеүселәрҙән телефон аша мөрәжәғәттәр ҡабул итеүҙе ойошторорға ҡушты. Өфөнөң “Связист” профилакторийы Мелькомбинат районындағы урман массивында урынлашҡан. Бер төп өс ҡатлы корпусы, 11 бер ҡатлы йорто бар. Бүлмәлә 2-3-әр кеше йәшәй. Территорияһында спорт һәм уйын майҙансыҡтары урынлаштырылған. Аҙаҡ Радий Хәбиров социаль селтәрҙә был турала пост яҙҙы. “Мариуполдан мәжбүри күсеп килеүселәрҙе ҡаршы алдыҡ. Улар өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына урынлаштырҙыҡ. Әлегә беҙгә ике төркөм, 323 кеше килде. Беҙ бер нисә тапҡыр күберәк кешене ҡабул итергә әҙер. Бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү, уларға һәр яҡлап ярҙам, медицина ярҙамы күрһәтеү, уҡыу һәм эш менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Башҡортостан һәр ваҡыт ҡунаҡсыллығы һәм ярҙам итергә әҙерлеге менән айырылып торҙо, шулай булды һәм шулай буласаҡ та”, – тип яҙҙы ул. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Автор:Альфия Мингалиева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыу өсөн ҡайҙалыр мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уны даими пенсия суммаһы менән бергә күсерәләр, тип хәбәр ителә Рәсәй Пенсия фонды идаралығы сайтында. «Түләү 2021 йылдың сентябрендә Пенсия фондындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә ғаризаһыҙ тәртиптә ғәмәлгә ашырыла», – тип билдәләнеләр ведомствола. Бер тапҡыр бирелә торған түләү пенсия кеүек үк күсерелә: әгәр аҡса банк картаһы килә икән, унан тыш тағы ун мең һум өҫтәлә. Аҡса бөтә пенсионерҙарға — эшләп йөрөгәндәргә лә, эшләмәгәндәргә лә бирелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәсәй президенты Владимир Путин хаҡлы ялдағыларға ун мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләргә тәҡдим иткәйне. Уҙған шишәмбелә ул тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бала саҡта ул мәктәпте бик яратҡан һәм һәр ваҡыт шатланып яңы уҡыу йылын ҡаршылаған. Унан педагог булған, һәр сентябрь тулҡынландырғыс ваҡиғаға әүерелгән. Үҙенсәлекле сентябрь Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙы Октябрьскийҙан алыҫ түгел – Бишбүләк районында тыуған, ул да беҙҙең ҡала кеүек, күп милләтле. Ул нәҡ илле йыл элек тамамлаған Бикҡул һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә Хәсән Толомбаев директор була. БДУ тамамлаған йәш кеше ауыл мәктәбен етәкләй һәм башҡорт теле әҙәбиәтенән уҡыта. Өҫтәүенә, ул скрипкала, мандолинала, ҡурайҙа уйнай, балаларҙы башҡортса бейергә һәм йырларға өйрәтә. Ошо кеше мәҡәлә геройҙарының яҙмышын хәл итә лә инде. “Уның дәрестәре хәтергә уйылып ҡалды”, – ти Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙы. – “Был дәрестәрҙә алған белем миңә ғүмер буйы ярҙам итте: педучилищела, институтта уҡыған, эшләгән йылдарҙа, педагогия эшсәнлегендә һәм йәмәғәт эшендә”. Хәсән Толомбаев үҙе, мәктәптә ун йыллап эшләп, фәнни эшсәнлек менән шөғөлләнә башлай, ул арҙаҡлы ғалим, кәмендә 150 фән-методика эше авторы, шул иҫәптән башҡорт теле буйынса дәреслектәр һәм программалар авторы. Фәриҙә Әминева иһә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып китә. Әминева ысын беренсе уҡытыусы: йомшаҡ, шул уҡ ваҡытта ныҡыш, сабыр, олпат, еңел, шаян (хатта үтә ауыр саҡтарҙа ла). Ул был һөнәрҙе бала саҡта һайлаған һәм үҙенең ҡарарына үкенмәгән, киреһенсә, уны йылдан-йыл нығыраҡ яратҡан. Бер нимәне лә үҙгәртергә уйламаған. Әммә шулай ҙа үҙгәрештәр булған: ул башланғыс синыфтарҙан өлкәндәргә күскән. 4-се мәктәп нигеҙендә башҡорт гимназияһы ойошҡас, Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙына туған тел дәрестәре уҡытырға тәҡдим итәләр. Әминева рус телен генә түгел, башҡортса ла яҡшы белә. Шулай булмай ни, ул бит Хәсән Толомбаев уҡыусыһы. Әммә ул был дәрестәрҙе нәҡ уның дәреслектәре буйынса алып барасағын белдеме икән? Билдәһеҙ аҙымға ризалашыу шомло, яңы, ғәҙәттән тыш нимә. Әммә мәктәп директоры Римма Мофаззал ҡыҙы барыһы ла яҡшы буласағына ышана. Әминева ул дәүер өсөн яңы фәнгә тотона. Уҡытыу әҙәбиәте булмай, Өфөлә бөтә материал әҙерләнә генә. Дәрестәр өсөн дидактика нигеҙен үҙенә һайларға тура килә, таблица, схемаларҙы ла үҙе әҙерләй. Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙы һәр саҡ ҡыҙыҡлы эш алымдары уйлап таба. Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыған йылдарҙа (ул дәүерҙә алдынғыларҙың береһе була) буласаҡ педагогтар рус һәм башҡорт теленең сағыштырмаса грамматикаһын өйрәнә. Уҡытыу курсын үҙаллы төҙөгәндә был бик ярҙам итә. Йылдар тырыш, ныҡыш хеҙмәт менән үтә. Башҡорт әҙәбиәтенә, фольклорға мөрәжәғәт итә, балалар хикәйәләр ижад итә, йомаҡтар, көләмәстәр уйлап таба, ҡала буйлап ситтән тороп сәйәхәткә сыға. Уларға “Күбәләк”, “Был минең бармаҡ” йыр-уйыны һәм башҡалар оҡшай. Һөйләм теле, өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе мөһим һанай, шуға ла балалар тиҙәйткестәр ҡабатлай, ауыр әйтелгән ҡатлаулы өндәрҙе йырлап өйрәнә – шул рәүешле артикуляция нығытыла. Бына һөҙөмтәһе: уның дәрестәре республика Мәғариф министрлығы методика йыйылмаһына ингән. Ул Өфө, Башҡортостандың башҡа ҡала һәм район педагогтары һәм методистары өсөн асыҡ дәрестәр үткәрә, уларҙың өсөһө Октябрьский ҡалаһының 50 йыллығына атап нәшер ителгән “Минең иң яҡшы дәрестәрем” Ҡыҙыл китабына индерелгән. Әминева рус һәм башҡорт теле уҡытыусыларының “Мәктәптә дәүләт телдәре уҡытыуҙа яңы ҡараш” республика фән-тәжрибә конференцияһында ҡатнашып, үҙ тәжрибәһе тураһында доклад менән сығыш яһай. Башҡорт теле уҡытыусыларының халыҡ-ара кон-ференцияһында уҡытыусыһы Толомбаев ҡатнашлығында оҫталыҡ дәресе үткәрә. Уны Башҡортостан радиоһына саҡыралар, унда балалар менән сығыш яһай. Иң мөһиме – уҡыусылары йылдың йылында ҡала һәм төбәк олимпиадаларында еңеүселәр. Башҡорт ғаиләһе Ринад Дәүләткирәй улы һәр саҡ тормош иптәшенә ярҙам итә. Улар синыфташтар, ғүмер буйы бергә була. Дәрестәрҙә, бигерәк тә, асыҡ сараларҙа әкиәттәрҙе, уҡытыу материалын магнитофонға яҙҙырырға кәрәк булғанда, ире диктор вазифаһын үтәй: һөйләме лә дөрөҫ, тауышы ла йомшаҡ. Уның үҙенең педагогикаға мөнәсәбәте юҡ, ата-әсәһенә ярҙам итеү өсөн институтты ташларға тура килә. Юғары белем тураһында диплом алмаһа ла, ул юғары категориялы белгес. “Автоприбор”ҙа, һуңыраҡ “Альтернатива”ла фрезеровщик булып эшләй. Пенсияға сыҡҡас та эшен дауам итә, уны эшен ташламаҫҡа өгөтләйҙәр. Һаулығы ҡаҡшай башлағас ҡына һөнәрен ҡалдыра. Әминевтар ғаиләһендә балалары башҡортса яҡшы һөйләшә. Улы Азат өләсәһенән өйрәнгән, ҡыҙҙары Резеда телде әсәһе эшләгән мәктәптә үҙләштергән. Ейәнсәрҙәре өйҙә ике телде ишетеп үҫә. Тимур беренсе синыфҡа төшкән, башҡортса һөйләшергә ояла. Ләкин әсәһе менән өләсәһе башҡортса һөйләшеп алырға уйлаһа, унан йәшерермен тимә, барыһын да аңлай. Ғаиләлә милли аштарҙы яраталар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанлап, олоно оло, кесене кесе итеп, ихтирам итеп йәшәйҙәр. Улар барыһы ла замана кешеләре, фатирҙары ла яңы төбәктәге заманса йортта, әммә бында боронғо йорттарҙың рухы ҡалған. Башҡорт рухы йәшәй бында. Яҙыуы матур Оҙаҡламай республика юбилейын – уның ойошоуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Хәҙерге Башҡортостандың быуатлыҡ та- рихына Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙыла лайыҡ өлөш индергән. Уҡытыу-сы булараҡ, ул утыҙ йылда баш-ҡорттарҙың халыҡ ауыҙ-тел ижады әҙәбиәте, йолалары йәшәһен өсөн бик күп эш башҡарған. Уҡыусылар уларҙы өйрәнһен, һаҡлаһын, балаларына тапшырһын, быуындар сылбыры өҙөлмәһен өсөн тырышҡан. Бынан тыш, егерме йыл самаһы ул ҡоролтайҙың ҡала бүлексәһе ағзаһы. Ул ошо ойошманың алыштырғыһыҙ сәркәтибе, барлыҡ ултырыш, сараларҙа ҡатнаша, ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Ул был эште еренә еткереп башҡара. Йәмәғәт селтәренә күҙ һалыу ҙа етә. Әммә яҙыуға һәм уны уҡыя-саҡ кешегә ихтирам – боронғолоҡ билдәһе түгел. Ғалимдәр һү-ҙенә ҡарағанда, каллиграфия кешенең психикаһына ыңғай тәьҫир итә, ҡулдарҙың нескә мускулдарын үҫтерә, уның менән шөғөлләнеп, баш мейенең маңлай өлөшөнә тәьҫир итергә, юйылған хәрәкәт эшсәнлеген тергеҙергә була... Бәлки, кем өсөндөр был ысынлап та ярҙам һәм ҡотҡарыу сараһылыр. Беҙ яҙыуына ҡарап, кеше тураһында фекер йөрөтөп булыуын беләбеҙ. Яҙыуы ниндәй – холҡо шундай, тиҙәр. “БР Мәғариф алдынғыһы” Фәриҙә Мырҙағол ҡыҙының иһә яҙыуы тигеҙ ышаныслы, бөхтә. Уны ентекле тип әйтергә булыр ине. Уның һәм ата-бабаларының холҡо кеүек. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
"Беҙҙең хәстәрлек» проекты сиктәрендә район һәм ҡалабыҙҙың оло йәштәге кешеләрен аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән тәьмин итеү башланды. "Беҙҙең хәстәрлек» проекты сиктәрендә район һәм ҡалабыҙҙың оло йәштәге кешеләрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү башланды. Улар иһә беҙҙә меңдән ашыу. 10 исемлектән торған аҙыҡ-түлек тупланмаһы башлыса республикала етештерелгән тауарҙан тора. Улар пенсиялары йәшәү минимумынан түбәнерәк булған 65 йәштән олораҡ граждандарға тапшырыла. Был яуаплы эштә ҡала һәм ауыл биләмәләре ирекмәндәре ярҙам итә. Ололар иһә үҙ сиратында шундай хәстәрлек өсөн ярҙам ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәттәрен белдерә.
Оҫта ҡуллы, бай фантазиялы гүзәл заттарыбыҙ ниндәй генә матур эштәре менән беҙҙе һоҡландырмай. Төп эше менән бер рәттән яратҡан, күңел ятҡан шөғөлө менән дә ихласлап мауығыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе - Ғәҙелгәрәй ауылы ҡыҙы Гүзәл Хафизова. Оҫта ҡуллы, бай фантазиялы гүзәл заттарыбыҙ ниндәй генә матур эштәре менән беҙҙе һоҡландырмай. Төп эше менән бер рәттән яратҡан, күңел ятҡан шөғөлө менән дә ихласлап мауығыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе - Ғәҙелгәрәй ауылы ҡыҙы Гүзәл Хафизова. Былтыр «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының «Әсә йөрәге» әсәләр советы менән берлектә «Бишек - ҙур донъяға ишек» проекты ғәмәлгә ашырылғайны. Гүзәл Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ошо конкурстың Гала-концертында булып, “Бишек эшләү оҫтаһы” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булып ҡайтҡандан һуң, беҙ уның менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ. Конкурсҡа тигән сәңгелдәкте эшләү уйламағанда килеп сыға. Шул уҡ Ғәҙелгәрәй ауылынан Зифа Юлсурина “Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры” номинацияһында ҡатнашырға уйлай. Дистанцион форматта булғас, сәңгелдәк янында йыр башҡарып, видеоға төшөргә кәрәк була. Әммә сәңгелдәк таба алмайҙар, шунан Гүзәлгә мөрәжәғәт итәләр. Гүзәл ағастан, биҙәктәрен фанеранан лобзик менән ҡырҡып, ҡупшы ғына бишек эшләп бирә. Ауылдаштары: “Әйҙә, һине лә эшләгән бишегең менән бергә фотоға төшөрөп ебәрәйек”, тип өгөтләйҙәр. Һөҙөмтәләр буйынса, Гүзәл финалистар исемлегенә индерелә. Күп тә үтмәй, уның эштәрен күрергә БСТ каналынан килеп тә төшәләр. - «Бишек» - мәғәнәле, фәһемле, рухлы проект. «Тамыр» конкурсында ҡатнашҡандарҙың һәр береһе һәләтле. Бик ҡәнәғәт булып ҡайттым. Алсаҡ алып барыусылар матур ҡаршы алып, оҙатып йөрөнөләр. Ундағы мөнәсәбәт, йылы мөхит бик оҡшаны, - ти ул, һоҡланыуын белдереп. Гүзәл һөнәре буйынса мәктәптә рәсем, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Һүрәт эшләү серҙәренә төшөндөрөүсе уҡытыусыларының дәрестәрен балалар һағынып көтөп алалар. Уҡыусыларын дәртләндереп, уларҙың яҡшы сыҡҡан һүрәттәрен социаль селтәрҙәргә лә ҡуйып бара Гүзәл. Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 26 ғинуар һанында уҡығыҙ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Байрам көндәрендә 38-се моделле балалар китапханаһының ишек алдына Норвегиянан әҙәби ҡунаҡтар килеп инмәһенме! Улар беҙҙең ил буйлап машинала сәйәхәт итәләр икән. Байрам көндәрендә 38-се моделле балалар китапханаһының ишек алдына Норвегиянан әҙәби ҡунаҡтар килеп инмәһенме! Улар беҙҙең ил буйлап машинала сәйәхәт итәләр икән. Кемдәр, тиһегеҙме? Анне-Катрине Вестлиҙың «Атай, әсәй, өләсәй, 8 бала һәм йөк машинаһы» китабынан. Килеүселәрҙе «Тирмә», «Бал ҡорто», «Энә һәм еп» милли уйындарында ҡатнашыр­ға саҡырҙыҡ. Ә балалар ғаиләгә арналған викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Улар ҡунаҡтарға Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», Әнүәр Бикчәнтәевтең «Ҙур оркестр», Аркадий Гайдарҙың «Чук һәм Гек» әҙәби әҫәрҙәре биттәрендә «йәшәүсе» ғаиләләр тураһында ла һөйләне. Был көндө ҡыҙҙар һәм малай­ҙар бергәләп китап уҡыу фай­ҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла икәнен белде, оҙайлы каникул көндәрендә уҙғарыласаҡ «Йәй һәм китап – 2018» конкурсында ла ҡатнашмай ҡалмаҫтар әле. Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире. Өфө ҡалаһы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостанда республика закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 47,11% тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда республика закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 47,11% тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. «Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, республика райондарында һайлаусыларҙың 59,81% тауыш бирҙе, ҡалаларҙа — 38,77, Өфөлә — 27,55%. Сағыштырыу өсөн: бынан алдағы республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа халыҡтың 53% ҡатнашҡайны». Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау тамамланды. Республикала йәшәүселәр бөгөн закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайланы. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, икенсе яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайланды. http://www.bashinform.ru/news/1208284-yavka-na-vybory-v-gossobranie-bashkirii-prevysila-47/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
*Оло йәштәге кешеләрҙең организмы өсөн май бик кәрәк. Үҫемлек һәм зәйтүн майында ғүмерҙе оҙайтыу өсөн файҙалы матдәләр бар. *Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында күберәк ял итергә тырышығыҙ. Көн һайын физик күнегеүҙәр яһарға кәрәк. *Күңел тыныслығы ла кеше өсөн мөһим. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә артыҡ борсолмағыҙ, киреһенсә, һәр нәмәнең яҡшы яғын табырға тырышығыҙ. Ғалимдар фекеренсә, әгәр ҙә кеше бойоҡ йөрөһә, йыш ҡайғырһа, уның иммун системаһы организмды төрлө инфекция ауырыуынан (хатта яман шештән) һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе сығармай башлай икән. *Яҡшы кәйеф - сәләмәтлек сығанағы. Көлгән ваҡытта бит кенә түгел, ә эс, ашҡаҙан, диафрагма мускулдары ла эшләй. Шулай уҡ тын юлдары ла таҙара. *Йоҡо ваҡытты бушҡа уҙғарыу түгел. Ул - организм өсөн кәрәкле ял. *Һыуыҡтан ҡурҡмағыҙ. Гел йылы кейенеп, төрөнөп йөрөмәгеҙ. Тән сынығырға тейеш. *Беҙҙең үҙебеҙҙең дә ғүмерҙе оҙайтыу ысулдары бар. Уның сере - бал! Боронғо мәшһүр ғалимдарҙан Демокрит - 109, Анакреон - 115, Пифагор 90 йыл ғүмер кисергән. Үҙҙәренең оҙаҡ йәшәү серен улар бал ашау менән аңлатҡан. Атаҡлы табип, ғалим, шағир Әбүғалисина: «Әгәр йәшлегеңде һаҡлап ҡалырға теләһәң, бал аша», - тигән. Хәҙерге заман ғалимдары ла, күп йыллыҡ тәжрибәләргә таянып, балды даими ҡулланған кешеләрҙең, умартасыларҙың һаулығы ныҡ була һәм улар оҙаҡ йәшәй, тип раҫлай. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
– Ярай, имен-аман ғына итеп, үҙегеҙсә йәшәгеҙ, балалар… – Тәҙрәләргә һирпелеп фатиха биргәндәй үҙ алдына шулай һөйләнде лә аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡулындағы таяғы менән юлды ҡыуалатып соҡор-саҡырлы, дөм ҡараңғы урам буйлап атланы. Сөңгөл. Хәйҙәр ТАПАҠОВ. Һыҙылып өлгөрмәгән таң ҡараңғылығында күтәрмәлә таш балбалдай биниһая ваҡыт һерәйгәс, бөксәңдәп, төртәләнә-төртәләнә бейек тупһанан төштө, ҡараңғылыҡ шаршауын бөркәнеп йоҡлаған тын урамға сыҡты. Ҡартайыуы еткән йоҡоһоҙ Аҡтырнаҡ һаҡ ҡына килеп аяғына һыйынды ла ялағайланып, ҡойроғон болғай-болғай һырпаланырға тотондо. Ошо һунар этен кейәүе көсөк кенә сағында күрше Михайловка ауылындағы ҡатышып йәшәгән белешенән ике һарыҡҡа алмашып алғайны. Ҡиммәттән һалдырып ҡаршы төшөп маташҡайны ла Фәриҙә, тоҡомло зат арзандан булмай ул, тип кейәүе ҡуйырҙан да ҡуймай апҡайтты барыбер, бер генә ҡулға өйрәтеп үҙе ҡарап үҫтерҙе, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырғанда артынан ҡалдырманы. Ҡарыулы, алғыр сағында дан һунар эте ине, хужаһы менән ҡош-кейекһеҙ ҡайтманылар, хәҙер йорт-ҡура тирәһен һаҡлауҙан арыға эшкинмәй. Һаҡлай, тип әйтеү ҙә үтә шартлы инде, тоҡомло йән эйәһе булғанғамы үҙен тыныс, сабыр тота, сәүек эттәр ише ерле юҡҡа сарғаланып бармай, көн тимәй, төн тимәй күләгәләй ҡымғырлап йөрөп ятыуы. Ҡымтылған йоҡа ирендәрен һиҙелер-һиҙелмәҫ яҙып шыбырҙаны: «Тынғы белмәҫ тоғро мәхлүк, минең ише һинең дә хәжәтең ҡалмаһа ла һаман һаҡтаһыңмы ни әле? Һиңә бит һуңғы көндәреңә саҡлы бында йәшәргә. Бар!..» Бурҙайҙың ялбыр йөнөнән һыйпаны, муйынсаһынан эләктереп ишек алдына йүнәлтте лә артында шар асыҡ ҡалған бәләкәй ҡапҡаны үҙенә ҡарай тартып келәһен элде. Ауырлыҡ менән ҡайырылып утлы тәҙрәләргә төңөлөүле баҡты, ҡорған аша ялпылдаған шәүләләрҙе сәйерһенеп күҙәтте. «Әллә һуғышалар инде?.. Кем олоһо кем кесеһе йәшендәләр, әҙерәк оялһаларсы! Хәйер, кемдән тартынһындар, түлһеҙ зарығып икәүҙән-икәү генә көн итәләр бит ғүмерҙәре буйы, балаһыҙ өйҙән ҡот та, әҙәп тә, тәртип тә ҡаса шул шулайтып…» Эстәге иреш-талаш хатта бында ишетелеп торғандай. Ул барҙа әрләшеүҙән, ғауға ҡуптарыуҙан нисек тә тыйылалар ине, әле бына сығыуы булды ҡаныҡҡандай бер-береһенең муйынына барып йәбештеләр шикелле. Фәриҙә ҡыҙының сеңләп илауы ҡолағына салынды. Ошо ерҙә һиҫкәнеүле тертләп китте. Тыуғас та барлығын иҫбатлап яр һалған сабыйының тәүге өнөн ишеткән саҡта һыҙланыу аша йылмайып оҙаҡ көсөргәнеүҙән еүешләнгән башын түрбаш яғына ҡайырғайны түгелме? Барса ауылдың балаларын яҡты донъяға ҡабул иткән кендек инәһе Ҡыҙбикә ҡарсыҡ ҡыҙыл йоморосайҙы һәлмәкләп һикертеп, юғары күтәреп, һөйөнсөләгәндәй уға күрһәткәйне: «Сөбхәналла, Гөлбикә килен, осло күҙ тейә генә күрмәһен берүк, туп-тумалаҡ, бынамын тигән ҡыҙың бар! Ауырлығы ла сап-самай, үҙенә етмәле, ағзалары ла теүәл. Сарғаланып мыжыуы ҡыҙ затынан икәнлеген иҫбатлап наҙланыуы ғына…» Уңғансы, урындыҡтың шаршау менән бүленгән яғына яҡынламаһа ла йылымыс һыу, таҫтамал хәстәрләп, башҡа мәшәҡәттәрҙә кендек әбейенә булашып йүгергеләгән бейеме кәсә менән ҡоротло һурпа индереп бирҙе, уны ауыҙ иткәс тулғаҡ тотоуҙан йонсоған тәненә хәл кереп киткәндәй итте. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң апһыны аҡ биләүгә төрөлгән сабыйын эргәһенә индереп һалды ла белекле төҫтә аҡыл өйрәтте: «Мә, бәпесеңдән имсәгеңде еңелсә генә алдыр ҙа кире бир, ыуыҙыңды артыҡ һурһа эсенең ауыртыуы бар!» «Бәпес, бала?!. Минең бит ҡыҙым бар, мин әсәй!» Шул уйынан ҡояштай балҡып китте лә эргәтирәһендә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ураланыуға ҡарамаҫтан һөттән тирткән түшен тартына-тартына күлдәк иҙеүен ҡайырып сығарып имсәк осон уймаҡ ауыҙға ҡаптырҙы. Теләр-теләмәҫ кенә ирендәрен сәпелдәткән ҡыҙы һөт тәмен тәтегәс талпандай ҡаҙалып, ҡомһоҙланып имергә кереште. Тәнен кинәт, ошоғаса кисереп ҡарамаған ҡытыҡты килтергес ләззәт солғап алды, булмышы гөлтләп тоҡанды, балаһы менән айырылғыһыҙ булып береккән йәне шатлыҡ-ҡыуаныстан йондоҙло асманға сойорғоно… Хәҙер ана, йәш яғынан уны ҡыуалатып, пенсияға етеп килгән ҡыҙы сеңләп илай. Әсә өсөн балаһының илауын ишетеүҙән дә ауыр ғазап бармы икән был донъяла? Юҡтыр. Ваҡыт-ваҡыт ҡабатланған талаш-тартыш, ерле юҡтан яралған тәмһеҙләшеү, асыҡтан-асыҡ, ярып әйтмәһәләр ҙә фәҡәт уның өсөн генә сыға ине шикелле. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул бында, Хәлфетдин кейәүе менән Фәриҙәнең йортонда артыҡ тамаҡ. Хәйер, бында ғынамы икән? Фәриҙәһенең: «Ике уртала нисек тә йәшәрһең әле, бер ай миндә, бер ай Сәғиҙәлә, яңғыҙ әсәләрен дә ҡарарға эшкинмәйҙәр, тигән ғәйбәтте ишетеүе беҙгә лә еңелдән түгел» тигән шыма әүрәтеүенә ымһынды. Мәңгелеккә күҙҙәрен йомған Хәтмуллаһының ҡырҡы үткәнсе уның өйөндә йәшәне лә мәлендә Мөхәммәте, балалары менән көн иткән, инде нисә йыл буш торған төп торлағына күсенеп сыҡты, шунан күп тә тормай уның да тәҙрәләренә иҫке-моҫҡо таҡта ҡаттырҙы, араталы ел ҡапҡаһын йүкә бау менән сырманы һәм берҙән бер ҡаралтыһы - ағас ҡумталы сәғәтен ҡултығына ҡыҫып ауылдың урта төшөндәге Фәриҙәһенә йүнәлде. Уларҙың алты мөйөшлө ҡарағай өйө, ишек алдында теҙелеп китеп шифер ҡыйыҡлы һарайға барып терәлгән усаҡлыҡты, келәтте, мунсаны эсенә алған хужалығы ян-тирәгә йәм биреп ауылдың ҡалҡыу ерендә урынлашҡан. Оҫталыҡ шөғөлөнә сымры кейәүе өйҙөң эс яҡ стеналарын сутлап, урталыҡты йү-кә таҡталар менән килешле һәм күркәм итеп бүлмәләп бүлеп сыҡҡан, уларҙы төҫһөҙ лакка ҡатырған, иҙән-түбә сағыу, ялтыр буяҡ менән шалланған. Бөтә урында тәртип һәм таҙалыҡ. Уны ишек төбөндә өҫ кейемен элеү өсөн ҡулайлаштырылған, әлеге мәлдә артыҡ әйберҙәр менән тыңҡыслап тултырылған бер карауат ҡына һыймалы тәҙрәһеҙ өкәлтәккә урынлаштырҙылар. Һушты алырлыҡ хан һарайы кәрәкмәй ҙә инде хәҙер, ошоноһо ла баштан ашҡан, иң мөһиме яңғыҙ түгелмен, тип шөкөрәна ҡылды. Ишек алдына сығып тауыҡ-ҡаҙҙарға ем һибеп, мал-тыуарға күҙ-ҡолаҡ булғандан һуң инеп бүлмәһенең ишеген ябып ятып торһа өйҙә барлығы беленмәй ҙә. Хәлбүки һүҙ менән түгел, ҡырыҫ ҡараш, өнһөҙ мөнәсәбәт менән еткерелгән тарһыныуҙы тәүге көндән үк тойҙо: аш бүлмәһенә инһә Фәриҙәһе һауыт-һабаны ғәҙәттәгенән нығыраҡ шауҙырлатырға тотона, өҫтәл артына ултырһа, ҡаштарын төйгән кейәүе тәғәмләнеүен бүлеп, ауыҙына ҡапҡан ризығын сәйнәй-сәйнәй шарт та шорт баҫып сығып китә. Бында һанламайҙар, һөйләшеү, оло кеше булараҡ кәрәк саҡта кәңәш ҡороу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Былайтып, күҙгә төшкән сүптәй итеп күргәстәре ни сәбәптән урынынан ҡуҙғаттылар икән, һыртынан ҡарап тороуҙарына ла риза ине бит. Уны, артыҡ ҡалаҡты береһе икенсеһенә һылап ҡуйырға ниәтләгәндәрҙер күрәһең, кесеһе өлкәне алып ҡарар тип өмөтләнгән, быныһы киреһенсә. Фәриҙәлә йәшәргә тейеш айын тултыра алманы, артыҡлығын тойоп, кейенер-сисенерен үҙе менән алып Сәғиҙәләренә китте. Унда ла төйөнсөгөн эргәһенә ҡуйып ишек төбөндәге тар ағас карауатта урынлашты. Был йорт Фәриҙәләрҙеке ише түгел, алты мөйөшлө булһа ла ҡыҫынҡы, түшәме тәпәш, йәнә эсендәге һәммәһенә урта ҡул кеше ҡағылғанлығы һиҙелә, бар нимәлә күҙгә бәрелеп бармаған әрпешлек тойомлана, бер һүҙ менән әйткәндә эшләп еткермәгән ир һумалтырлығына, ҡатын заты йәм, бөхтәлек өҫтәй алмаған. Ә бит Сәғиҙәһен бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтергәйне, бына бит, йылдар үтеү менән кешелекһеҙ кейәүенең кимәленә, көй-яйына төштө лә ҡуйҙы, дәрт-теләк һүрелеүме был, нәҫ баҫыумы? Белмәҫһең. Армиянан ҡайтып һаман да өйләнергә йыйынмаған Гранит ейәненең аҙып-туҙыуы ла ғаиләгә тынғылыҡ бирмәй. Хаяһыҙ Ришат кейәүенең тупаҫ мөғәмәләһенә, эт ашамаҫ һүгенеүҙәренә аҙна-ун көн самаһы ғына түҙҙе, сыҙаны. Хәҙер бына тибелгән туптай ике уртала йөрөп ятыуы. Бер ҡыҙынан икенсеһенә эңер мә-лендә, кеше аяғы һил саҡта күсенә, күсенеүе лә шартлы, һәммәһе үҙе менән. Бара ла һаҡ ҡына тупһа янындағы тәҙрәгә ҡағыла, уның был сиртеүен балалары танып бөткән, һауындан, көҙ ырҙын табағынан һуңлап ҡайтҡанда шулай итә торғайны. Бәләкәстәре кем икәнлекте һорамайынса ишекте асалар ҙа ҡосағына һыйыналар, йәне тынысланып, кәйефе күтәрелеп китә ине шул саҡта. Хәҙер ҡыҙҙары ҡаты баҫып килеп келәне ысҡындыралар ҙа, бимазаланың, йонсоттоң да баһа, тигәндәй ҡырт боролоп инеп китәләр, кейәүҙәре, ейәне бер тапҡыр ҙа асып алғандары юҡ. Хәтмуллаһының йортона түгел, төп торлағына ҡайта алмауына сәбәп – ул күсенеп сығыу менән аяғына эләккән һәр нимәне яҙа ебәрмәүсе өлкән кейәүе мейесте емереп кирбестәрен ташып алды ла, усаҡлығы нигеҙенә тығып, тыш яҡтан цемент менән ҡатырып ҡуйҙы. Шунан күп тә тормай Сатан Зәбиргә һатты өйҙө, күпмегә сауҙалашҡандыр инде, һәр хәлдә уның менән кәңәшләшеүҙе кәрәк тапманы. Ярайһы уҡ ҡыҙмасаланып алған Хәлфетдин кейәүе төн уртаһын ауҙарып ишек шаҡыны. Иренең күренеүен түҙемһеҙләнеп, талағы ташып көткән Фәриҙәһе тегегә ҡуйырҙан-ҡуймай бәйләнә башланы. Шайма-шай ҡайтарылған кәзекләшеү бәхәскә ялғанды, бәхәс ғауғаға олғашты. Ыҙғыш ни сәбәптән һуңға ҡалып ҡайтып инеүгә килеп терәлгәйне кейәүе йәшереп-боҫормай тураһын бәрҙе: «Әсәйеңдең һыҡраһын еҫкәп ятмаҫ өсөн өйгә һуңға ҡалып ҡайтам, шуны ла һиҙмәйһеңме ни? Бик беләһең килһә, - ул ус ҡыры менән боғаҙын арҡыры һыҙып салыу хәрәкәте яһаны, - наҙайыл миңә был йәшәү! Өңөн ҡайғыртып сабыулаған көшөл ише донъя ҡыуған бажа һатты өйҙө, шуның аҡсаһын уртаҡ бүлһә, беҙҙең эсте тишер инеме? Үҙҙәре әүеш-теүеш итеп әжерен алдан алғастары ҡарсыҡты ла ҡараһындар! Йә әпсәңде Сәғиҙә балдыҙға оҙатаһың, йә мин йорттан бөтөнләйгә сығып китәм, морон төртөр ерем юҡ түгел…» Йоҡламай ятҡанлыҡтан бөтәһен дә асыҡ ишетте, ишетте һәм тәне өшөгәндәгеләй ҡалтыранып ҡуйҙы: «Бына нисек? Белде ниһайәт дөрөҫөн…» Һеңгәҙәгәндәй ҡымғырлап ҡалҡты ла ҡурайҙай ҡаҡ аяҡтарын иҙәнгә һалындырып карауатында ҡарасҡылай бер аҙ һерәйгәс һиҙгерлеген юғалта барған ҡулдарын килешһеҙ хәрәкәтләндереп кейенә башланы. Ир менән ҡатын кинәт шымып ҡалдылар, ингәндән алып тыныслана алмай уҫал лауылдаған кейәүе лә артығыраҡ ысҡындырыуын төшөнөп, уңайһыҙланғандай башын баҫҡан. Барлы-юҡлы әйберҙәрен төйнәп бөткәс, ашыҡмай ғына яулығын яҙып ябынды, ҡулына таяғын алды ла түргә үтеп, стенаға эленгән ҡумталы сәғәттең ишеген асып, түңәрәк маятнигына ҡулын тигеҙеп туҡтатты, шунан ялтыр ураталағы һандарға, ҡара уҡтарға оҙаҡ ҡына текәлеп торғас, ишек яғына йүнәлде. Әсәһенең буш ҡул менән сығырға йыйыныуын күргән Фәриҙәһе бының тикмәгә түгеллеген һиҙенеп һенағастай ҡатып артынан ҡарап ҡалды… – Ярай, имен-аман ғына итеп, үҙегеҙсә йәшәгеҙ, балалар… – Тәҙрәләргә һирпелеп фатиха биргәндәй үҙ алдына шулай һөйләнде лә аяҡтарын көскә һөйрәп, ҡулындағы таяғы менән юлды ҡыуалатып соҡор-саҡырлы, дөм ҡараңғы урам буйлап атланы. Сәғиҙәләре тапҡырына туҡтаны. Тәҙрәләренә ауыр ҡорғандар тартылған өйҙә ым-тым тойолмай. Апаруҡ иҫкергән торлаҡ сәхәр тынлығында иҙерәп йоҡлай төҫлө. Сәғиҙәһе Фәриҙәнән, Сәғиттән ҡала өсөнсө бала, төпсөктәре Фәрит ир бала булғанғамы иркәләү күберәк уртансыға эләкте. Бөтә матур кейемде, тәм-томдо үҙенән арттыра белмәгән, ҡарап, маҡтап һоҡланып тороуҙарына күнеккән ҡыҙ үҙһүҙле һәм тәкәббер булып үҫте, ғәйебен танып ғәфү үтенә белмәне. Айыт байрамындағы бер ваҡиға хәтерендә уйылып ҡалған. Был изге һәм яҡты көндә һәр кем ҡунаҡ саҡыра, хәленә һәм самаһына ҡарап һыйын, тәмле-татлыһын өҫтәленә ҡуя, әйенселәүсе балаларҙы ла ҡоро итмәй ҡулдарына күстәнәс-маҙар тоттороп, йә бутҡа менән һыйлап сығаралар. Мөхәммәте ауырып киткәнлектән балтаһы һыуға төшөп йөрөй ине, бешереп-төшөрөргә лә, күрше-тирәне сәйгә йыйып алырға ла ҡулы барманы. Айыт тағы ҡабатланыр, Мөхәммәте төҙәлеп аяғына баҫыр, шул сағында ҡунаҡ йыйырға ла, өйгә май еҫе таратырға ла форсат сығыр, тип йыуатты үҙен-үҙе. Байрам көндө йорт мәшәҡәттәре менән булашыу яҙыҡ иҫәпләнһә лә колхоз эштәренән бушап ҡайтып инмәгәнлектән ҡул тейгәндә, тип өйҙө йыйыштырырға керешеп китте, уны ослағас кер йыуып алырға йыйынды. Төш мәле яҡынлашҡас ни ғиллә менәндер, күршеләре Шатморат менән Ғәшиә парлашып һуғылдылар, бер аҙҙан урта төштә көн иткән Зәбихә ҡарсыҡ, ауыл осонан Йомағәле бабай әбейе Вәлимәне эйәртеп килеп инде, ҡапҡа ауыҙында урам аша йәшәгән Һылыубикә, Хәкимә ҡарсыҡтар күренде. Көллөһө байрамса кейенеп алған, һәммәһе йәүкәләп саҡырылғандай түргә үтеп ултырып биттәрен һыпырып доға ҡыла ла иркенләп оҙон хәбәргә күсә. Тимәк, һәр береһе үҙен саҡырылғанға иҫәпләй. Тик кем йыйған һуң уларҙы? Мәктәптән ҡайтып ингән Сәғит менән Фәриҙә сумкаларын ҡалдырҙылар ҙа, тышҡа, мал ҡарарға сыҡтылар. Сәғиҙә генә күренмәне. Инеп-сығыусыларға инселәп тары бутҡаһы бешергәйне, шуны ҡош табаҡҡа бушатып, уртаһына бер ҡалаҡ башы май һалып ҡунаҡтары алдына ҡуйҙы, ҙур эсле еҙ самауырына һыу тултырып, үҙәгенә ҡуҙ төшөрөп терелтеп күтәрмәгә сығарҙы. Үҙ хәле үҙенә саҡ Мөхәммәт тә ятҡан урынын йыйыштырып ауылдаштарының күңелен күрергә тотондо. Табын оҙон көнгә һуҙылды, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас та әле һайманды йыуып урынлаштырғансы эңер төштө. Кәртә-ҡура тирәһен ҡараштырғандан һуң уйнарға сығып шылған Сәғит менән Фәриҙә ҡайтып инеп китап-дәфтәрҙәрен сығарып дәрес әҙерләргә керешеп киттеләр. Ишек ауыҙында Сәғиҙә күренде лә сисенеп ҡурсаҡтары менән уйнай башланы, йәнәһе өйҙә нимә булғанлығын күрмәгән дә, белмәй ҙә. Киске сәйгә ултырғас аҡыл керә башлаған Фәриҙә һеңлеһен ҡыҙҙырып ташланы: «Атай ауырып ятҡанда ҡунаҡ ҡайғыһы бармы?» «Дөрөҫ эшләне ҡыҙым, күрше-тирәне йыйғас, хәл инеп, йәшәгеләр килеп китте әле…» Мөхәммәте һүрәнке йылмайҙы, ә һүҙен-һүҙ итеп өйрәнгән Сәғиҙә тантаналы йылмайып ҡаш аҫтынан ҡарап ҡуйыу менән генә сикләнде. Шул саҡ ҡыҙы хаҡлы инеме, әллә хата ебәрҙеме, әле хәҙер ҙә аңлата алмай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, елғыуар Ришатҡа кейәүгә сыҡты Сәғиҙә, хәҙер ана, йонсоп көн итә, көнитмештәренең шыпа ғына ла рәте күренмәй… Ә был йорт уларҙыҡы. Өйләнешеүҙәренә ике йыл тигәндә Мөхәммәт менән күтәрҙеләр уны. Рәшәткәһенә ҡағылғайны, сәләмен алған ел ҡапҡаһы күңелле шығырлап ҡуйҙы. Тәҙрәләре таҡта менән ҡаҙаҡланған йорт ҡына күҙҙәре бәйләнгән кешеләй бер нимә лә һиҙмәй һерәйгән. Бәләкәй ҡапҡаны асып ишек алдына үтте лә итәген кипкән үлән һәрпенделәре тартҡылай башлағас туҡтап ҡалды, урынында тапанды. Торлаҡ ташландыҡ харабаға әүерелеп бара, кәртә бағаналары сереп аушайған, солан ҡыйығы сереп тишелеп эс яҡҡа бүҫелергә тора, ишек алдын бил быуарҙан кесерткән япҡан. Бар донъяһын бер юлы сәләмләгәндәй ишетелер-ишетелмәҫ итеп: «Нисек йәшәп ятаһығыҙ?», тине. Ишек алдындағы баҡсалағы ҡарт алмағас таныш тауышты ишетеүенә ҡыуанғандай япраҡтарын ҡыштырҙатты. Беләк буйы үҫентене өй күтәреп сыҡҡан йылы Мөхәммәте райондағы йәрминкәнән алып ҡайтҡайны. Ауылда иң беренсе ултыртылған емеш ағасы ине ул. Өсөнсө йылына ҡыҫыр сәскә атҡайны, ары өс бөртөк алмаға тумаланды. Шул төймәләй генә йәшел нәмәләрҙең өлгөрөүен көтөп, ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп йөрөгән ине бит балалары! Мөхәммәткә кейәүгә лә һөйөү, ғишыҡ тотоу тойғоһон кисермәй генә, яусы ебәреп әйттереү, бата уҡытыу йолаһын атҡарғандан һуң сыҡты. Ул саҡта яңы ун алтыһы тулған, буйға ҡатма, түштәре һиҙелер-һиҙелмәҫ тиртеп беленә башлаған, аяҡ сираҡтары сиңерткәнекеләй ҡаҡ үҫмер ине, мәгәр ана шул сәскәгә тумаланған гөлдөң алдағы көндәрҙә балҡып сәскә атыуын тоҫмаллаған әсәһе йыш ҡына: «матурҡайым минең», тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп ярата торғайны. Аҡ йөҙө, ҡыйғас ҡаштары, йоморосай бит алмалары, биленә төшкән ҡалын сәстәре, текә һыны уны башҡа әхирәттәренән айырым итеп күрһәтә, шуғалырмы һәр шөғөлдә баһаһын, самаһын белеп ҡылана. Быны күргән тиңдәштәре: «эрекәй, ханбикә», тип турһаялар ине ҡайһы саҡ. Буласаҡ иренә килгәндә уның инде бар ҡиәфәте, күҙгә бәрелмәгән, урталыҡтан ары китмәгән ҡарасман, фиғеленә килгәндә барлығы ла юҡлығы ла тойолмай, тик шул йыуашлығын ҡайһы ваҡыт көтөлмәгән яндырайлыҡ тоҡандырып ебәрһә хәрәкәттәре тилберләнә, күҙҙәре осҡонланып яна. Шул саҡта күрмәлекле, һөйкөмлө, мөләйемгә әүерелә. Нисек кенә булмаһын ҡәһәрле һуғыш ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, ауыр эш менән сыныҡтырып иртә өлгөрттө уларҙы. Селлә үткәс әйттереү йолаһын үткәрергә килеште аталары, мәле еткәйне, әмәлгә баҡҡандай ил башлығы Сталин үлеп китте. Тотош ауыл фажиғә кимәлендәге ҡайғынан сеңләгәндә өйләнешеү ҡайғыһымы инде, тағы көҙгәсә кисектерҙеләр. Шулай итеп яҙмыштарын баштан алып аҙағынаса ата-әсәләре хәл итте. Атаһы менән ҡайныһы элекке дуҫтар, утты-һыуҙы кисеп ауыр һуғышты иңдәрендә татыған, ҡайтҡас дүрт йыл буйына ир ҡулы ҡағылмағанлыҡтан миктәгән колхозды аяҡҡа баҫтырыусы, ауылдың нигеҙ ҡотон тотоусы уҙамандар ине. Ҡатышып йәшәгән ике ғаилә береһенең улы, икенсеһенең ҡыҙы тыуғас мәжлес мәлендә ҡол-аҡтарын тешләткәндәр йәнәһе лә. Атаһы һуғышҡа киткәнде хәтерләмәй ҙә тиерлек, һарылған муйындан айырылғыһы килмәй шарылдап илауы, йәнә ағастарҙан тирелеп, донъяны ябып һап-һары япраҡ яуыуы ғына аңында уйылып ҡалған. Мөхәммәттең атаһының 44-се йылдың ҡышында ауыр яраланып һыңар аяҡта, атаһының 46-сы йылдың ҡара көҙөндә сәстәренә сал йүгеретеп ауылға әйләнеп ҡайтыуы бөгөнгөләй күҙ алдында. Осрашыу-күрешеү шатлығынан албырғаған атаһы өҫ кейемен һалып та өлгөрмәгәйне, аҡһап-туҡһап Хисбулла ағай килеп инде һәм тар өйҙө тултырып шат һөрәнләп тә ебәрҙе: «Һо-о-о, ҡайттыңмы, ҡоҙа, ызнашит бергәләп йәшәйһеләребеҙ бар икән әле, знамы бар!» «Атайымды ҡоҙа тисе, уның исеме бит Дәүләтбай», тип уйлап ҡуйғайны бала аҡылы менән, баҡтиһәң, Хисбулла ағай теге ҡолаҡ тешләтеүҙе һаман онотмаған булып сыҡты. Үҫеп буйға еткәс тә уға йәрәшелгән кәләшкә ҡарағандай ҡаранылар, кискеһен клубтағы уйындарҙан һуң ҡайтҡанында артынан оҙатырға тырышыусы ла булманы. Мөхәммәт тә уға ҡарата тыныс, хатта ҡайһылыр кимәлдә битараф мөнәсәбәттә ине, һаҡлап-ҡурсып, кәрәк саҡта яҡлап йөрөмәне, бер ҡайҙа ла ҡасмаҫ йәнәһе лә, ине, тамғаһы һалынған. Әйттереү ҙә, бата уҡытыу ҙа һәүетемсә, һин дә мин үтте. Ирен дә Хоҙай яҙғаны, яҙмыш ҡушҡаны һымаҡ ҡабул итте. Тик кәләште йәшергәндән һуң буласаҡ кейәүҙе йортҡа йыртыш йыртып индереп, йоланы еренә еткереп үтәгәндән аҙаҡ еңгәләрҙең ҡабартып һалған түшәгендә ҡушылған төндә ҡыҙ сағынан ҡатынлыҡ осорона күскеһе килмәй түгелеп иланы. Өйләнешкәс ҡайны йортона оҙатылып барҙы. Һалам башлы, сыйырсыҡ ояһылай ыҡсым ғына йорт ине ул. Өйҙөң һулаҡай яртыһын мейес, оҙон урындыҡ, ҡалған өлөшөн ҡулдан эшләнгән һауыт-һаба шкафы, уртаны ҙур өҫтәл, ике-өс артлы ултырғыс биләгән бәләкәй генә майҙансыҡта өйҙәш көн итеүе еңелдән түгел ине. Сымылдыҡ менән бүленгән урындыҡтың тәҙрә яҡ ҡырында йоҡлап йөрөнөләр, бер-береңә тартылып һөйөшөү, иркәләшеү ҡайҙа, һаҡһыҙ ҡымғырлаһаң да аҫтағы ҡаҡ таҡта әсе сыйнап шығырларға әҙер. Шул уҡ шаршау артына боҫоп өҫтөн алмаштыра, кейенә-сисенә. Кейәүгә сығыуының тәүге айҙарында юҡ юҡ та күңеле болоҡһоп, йәне елкенеп ҡуя ине уның, йәш, дыуамал йөрәге ҡайҙалыр ашҡына, йә тиктомалға үҙенә урын таба алмай ыҙалана. Айырым, үҙ аллы тормош көткөһө килеүҙәндер былар, тигән һығымтаға килде. Ҡайны-ҡәйнәһе менән арҡа терәп тиерлек йоҡлап йөрөп, былай көндәрҙә лә һипһенеп, тартынып көн иткәнгәлер оҙаҡ ҡына ауырға ла ҡала алманы. Үҙ мөйөштәрен хәстәрләп айырым йәшәү тураһында һүҙ араһында ғына иренә тумбытҡайны, тегеһе шул хәбәрҙе генә көткән тиерһең, дәртләнеп тотондо ла китте, ҡайны-ҡәйнәһе лә ҡаршы килмәне. Лесничествонан уҫаҡ яҙҙыртып алып ҙур булмаған бура бураттылар, уны күтәреп, нигеҙен Олотауҙан ат арбаһына тейәп ташыған таш менән тығып, башын арыш һаламы менән япҡайнылар ҡалған эш ыңғай ғына, үҙ яйына алға тәгәрәне, сөнки торлаҡ яйлап, берәмтәләп, тәфсирләп йыйыла, шуның өсөн дә өй бер урынға өйөү һүҙенән алынған да инде. Күсеп сығыуҙарына бер йыл тигәндә Фәриҙәһе тыуҙы, ары Сәғит, Сәғиҙә. Шулай итеп айырымланғандан һуң да һүрелмәгән, үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән талпыныулы хистәрен балалары баҫты, илаһилыҡҡа илтер хыял ҡошо тормош даръяһында аҙ-ашты, хис-теләге яйлап-яйлап көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелде… Бейек, ҡыйыҡланып эшләнгән урыҫ ҡапҡаһына килеп төртөлдө, мәгәр эскә үтмәне, урынында ҡалды. Бына был, ауыл осондағы уларҙан өй аша һалынған ҡаҡландағы йорт - Хәтмулланыҡы. Таҡта ҡойма менән уратылғанға, ишек алды урам яҡтан күренмәй тиерлек. Йорт хужаһы ла тойғоларын башҡаларға тиҙ генә асып бармаусан, йомоғораҡ кеше ине, тик шул йомоҡлоҡ эсенә бай хис, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, йомартлыҡ йәшеренгәйне. Хәтмулла сиҙәм күтәргән осорҙа ағас сумаҙанын күтәреп, юл моҡсайын артмаҡлап, район үҙәгенә барған ылауға һағып килеп төшкәйне, ҡайтмаҫҡа булғандыр ниәте, Ҡыпсаҡ ауылында бөтөнләйгә төпләнде. Ул колхоз рәйесендә йомошон йомошлап кәнсәнән сығып килә ине, үҙәк усадьбанан почта ташыған Сәйфетдин ҡарттың аты баҡса рәшәткәһенә төртөлөп килеп туҡтаны ла йәш бесән һалынған оҙон арбанан хәрби кейем кейгән, мыҡты кәүҙәле, таныш түгел егет һикереп төштө: – Һаумы, һылыу, колхоз идараһы ошонда урынлашҡанмы? - Теге тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы. Тәүбашта сәбәпһеҙгә ауыҙ йырған егет оҡшаманы, әммә илтифат менән һирпелгәйне, йөрәге сабырһыҙ тулап китте. «Китсе, бығаса улайтып юғалып ҡалғаны булманысы бер тапҡыр ҙа, ҡарап тороуға башҡаларҙан бер яғы менән дә алға китмәгән…» Кисерештәрен еңергә теләгәнгәлер ҡаш аҫтынан ҡарап уҫал яуапланы: – Сәйфетдин олатай туралап алып килгәс, ошондалыр! – Ул хаҡта һорап өлгөрөлмәне шул. – Хәрби ас яңаҡлы, йәмшек танаулы йөҙөн етдиләндереп ыҫмалалай бөҙрә сәстәрен һыпырҙы, көйәҙләнеп бил ҡайышын төҙәтте, галифе салбарын тартыштырҙы. – Һин ҡустым, был ҡырыҫ ҡыланған һеңлекәш һөйкөмһөҙ икән, тип уйлама, беҙҙең иң сибәрҙәребеҙҙең береһе, һауынсы булып эшләй, Мөхәммәт ҡустының ҡатыны, ҡурсаҡтай ҡыҙ үҫтереп яталар. - Һалпыш мыйығының остарын се-меткеләп хәбәрен теҙгән Сәйфетдин ҡарт тәфсирләүен ҡуйып уны шелтәләп алырға ла онотманы. - Ә һин, һеңлекәш, алыҫтан килгән ҡунаҡҡа ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп өйрән. Ҡунаҡ та түгел әле ул, беләһең килһә, сиҙәм күтәрергә, тип беҙгә тоҫҡап килгән. - Хәрби яғына ҡайырылды. - Идара ошонда була, ҡустым, бар ин, рәйес тә моғайын урынындалыр. Ә мин пуштыны ҡалдырайым да, ҡайтып Бибикамал инәйеңә әйтеп сәй хәстәрләтә торайым. Беҙ, а-а-а-нау ҡабыҡ ҡыйыҡлы өйҙә йәшәйбеҙ. - Йүкәнән ишелгән сыбыртҡыһын төртөп күрһәтте. Һөйләшеүҙе тыңлап бөтмәй китеп барҙы. Һуңынан һөйкөмлө юлаусыға төрпө ҡаҙалыуына оялып, үкенеп тә йөрөнө. Ипле һүҙле Сәйфетдин ҡарттың да әйткәндәрен оҡшатманы: «Сибәр, тип әйткәс, ниңә Мөхәммәттең ҡатыны, йәнә балаһы бар, тип өҫтәргә?.. » Ауылда таралған урыҡ-һурыҡ хәбәргә ҡарағанда хәрби кейемдәге егет балалар йортонда тәрбиәләнгән, өс йыл Армия сафында кесе командир дәрәжәһендә хеҙмәт иткән һәм партияның ҡушыуы буйынса бында килгән. Хәрби хеҙмәттән тура бында юлланыуы раҫтыр, өҫтөнән төшөрмәй кейгәне лә яурындары уңа төшкән гимнастерка ла кирза итектәр, билендә теге һары ҡайыш. Гелән етеҙ, ышаныслы, эре аҙымлаған егет торғаны менән һалдат, погондар ғына етешмәй! Сиҙәм күтәреү кампанияһы осоронда бүлексәлә тракторсылар бригадаһының етәксеһе, ары ситтән тороп ауыл хужалығы техникумын тамамлағас бүлексәнең ҡырсылыҡ эштәре бригадиры вазифаларында йөрөнө. Ошо ергә йорт ҡалҡытты. Башҡалар ише әйләнә-тирәһен сәүел шаҡарма менән түгел, район үҙәгенән таҡта ташытып шуның менән уратты, һалам башлы ауылда тәүгеләрҙән булып өйөнөң түбәһен транса менән ҡыйыҡланы. Шулайтып донъяһын нығытты, мәгәр өйләнергә ашыҡманы, яңғыҙаҡ тормош көтөүен дауам итте. Моңһоу йөҙлө, ныҡ кәүҙәле егет уны тап ит-кәндә, тәү осратҡандағы кеүек күҙҙәренә тура ҡарап йылмая биреп иҫәнләшеп уҙа торғайны. Ул да уны осратһа юғала ла ҡала, башы әйләнә, тулҡынланыуын һиҙҙермәҫ өсөн ғәйепле кешеләй аяҡ остарына текәлеп йүгерә-атлай үтеп китергә ашыға. Шунан ошо мәлдең ҡабатланыуын түҙемһеҙләнеп көтә башлай. Ир ҡатыны була тороп бындай аҙғын теләкте теләргә ярамағанлыҡты ла белә лә һуң, тик ҡайһылай итһен, айыҡ аҡылына ҡайтырлыҡ, хистәрен йүгәнләрлек ихтыяр көсө генә юҡ. Фәриҙәһе тыуған йылы өсәүләшеп ауылдан саҡрым ярым тирәһе ситтә, баҫыу ҡырындағы ҡайын сауҡалығында үткән һабантуйға барҙылар. Тәү тапҡыр бергәләп ҡатнашҡан йыйындары ине; үҙешмәкәр артистарҙың концертын ҡарап кинәнделәр, шунан мауығып ат сабышын күҙәттеләр. Фәриҙә томраны яратмай тызылдарға тотонғас ҡайтыу яғына йүнәлгәйнеләр, ҡайын күләгәһендә табын ҡорған ата-әсәләрен тап иттеләр. Улар менән әҙерәк һыйланғандан һуң урман эсенә инеп балаһын имеҙеп алғайны, тегеһе тамағы туйып һалҡынса күләгәне тойғанғамы йоҡлап та китте. Өлкәндәр ейәнсәрҙе үҙҙәре менән алып ҡалырға иткәйнеләр, Мөхәммәте көрәш майҙанына ашыҡты, уға ла теләр-теләмәҫ кенә эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Мөхәммәт кәүҙәгә ҡатма, әммә ҡатҡыл мускул-тарамыштарға сырмалған сыныҡҡан һынлы. Кәбән ҡойғанда ла оһолло ҡыланып өс саталы күкрәк һәнәгенә оло күбәне тотошлайы менән сәнсеп алып юғарыға бырғыта, уны тотошлайы менән күтәремгә күмә лә шунан ҡыҙыҡ табып рәхәтләнеп көлә. Бирешмәй йөрөп ятһа ла ире ни сәбәптәндер иртә яҙҙан муйыл сәскәһен ҡойғансы йүтәлләп ҡан төкөрә башлай, ана шул өйәнәге мөҙөртә лә инде. Йәйге осорҙа кәзә һөтөн эсереп, ҡымыҙ менән дауалап әҙәм итеп алалар. Быйыл яҙ шул сырхау ни сәбәптәндер ситләп үтте, шуға ирәйеп, дәртләнеп йөрөп ятыуы. Көрәш сәме еңгәнгәме Мөхәммәт башта бер яҡ ҡырҙан күҙәтте, ары халыҡты йырып иң алға сығып баҫты. Ҡомары тоҡанғанғалыр күҙҙәре осҡонланып янып киткән, бил һынашыусыларға эйәреп йә сүгәләп китә, йә көсөргәнеп тороп баҫа. Сиҙәмсе Хәтмулла ла оҫта көрәшсе икән, уртаға сыҡҡан береһен уңлы-һуллы елгәрә генә. Сираттағы бер нисәүҙе бер-бер артлы әйләндереп һалғас уны ла көслөләр рәтенә ял итергә ултырттылар. Бер аҙҙан Хәтмулла эргәһендәге ике бәһлеүәнде бер-бер артлы башынан аша алып осорҙо. Бына ул еңеүсе ҡиәфәтендә аяҡтарын киреп майҙан уртаһына баҫты ла, ҡарашы менән уны эҙләп тапҡас тағы ла арбатҡыс йылмайҙы. Оялышынан алдына баҫҡандарҙың артына боҫто. Ошо күҙ асып йомғансы ғына булып алған текәшеүҙе күреп ҡалған Мөхәммәтенең йөҙө үҙгәреп китте, фиғелендә теге яндырайлығы, алабарманлығы тоҡанғанлығы һиҙелә. Муйынына бер нисә таҫтамал һалып алған элекке оҫта көрәшсе, хәҙер судья вазифаһын башҡарыусы Фәтхулла ҡарт Хәтмулланы етәкләп майҙанды урап сыҡҡас йыйылыусыларға мөрәжәғәт итте: «Йә, уртаға сығыр батыр бармы? Табылһа, рәхим итһен! - Башҡаса көрәшергә баҙнат итеүселәрҙең булмаҫына инанғанғамы тантаналы һәм көр тауышланып ҡысҡыра. - Әләйһә, хәҙер еңеүсене иғлан итәм. Йә, бармы?» «Бар!» Мөхәммәт өтәләнеп алға ынтылды. Ҡорт күселәй геүләгән халыҡ бер аҙға ғына шымып ҡалды, ҡыҙыҡһыныулы ҡараштар уға ҡаҙалды. Күптәр ҡаҡса кәүҙәле Мөхәммәттең унан бер башҡа бейегерәк Хәтмулланы еңеренә шикләнеп ҡараны. Һүҙ рәтен белмәгән Данир мыҫҡыллы хихылдап та ебәрҙе: «Нимәгә ынтылаһың, хөрәсән, һөйәктәреңде тоҡҡа тултырып ҡайтырғамы иҫәбең?» Быларҙы асыҡ ишеткән Мөхәммәтең сикә мускулдары бейешеп ҡуйһа ла ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай урынында ҡалды. «Ир-егет көс менән түгел, иң әүәл теләк менән алдыра, тәүәккәллә, әләйгәс! Һин бит беҙҙең билбирмәҫтәр тоҡомонан!» Туғанлыҡҡа һуҡтырып көрәшсене дәртләндерергә теләгән Фәтхулла ҡарт муйынындағы таҫтамалдарҙың береһен алып Мөхәммәткә тотторҙо, тегеһе уны шундуҡ ҡулына ураны. Былар береһе икенсеһен һынағандай текәлә биреп торҙолар ҙа ҡоластарын йәйеп билдәрен аймашҡас китте көрмәкләшеү, китте алыш. Ҡарап тороуға йоҡа ғына күренһә лә ире шыпа ла бирешергә теләмәй, еңел еңеүгә иҫәп тотоп илке-һалҡы ҡыланған Хәтмулланың ҡабырғаларының аҫтынан бөрөп алып ҡаты ғына һелкеп ебәргәйне, тегеһе лә эштең етдилеген самалап ысынтылап тотоноп китте. Хуплау, дәртләндереү ауаздары аҫтында бил бирергә теләмәгән икәү йомғаҡтай тәгәрәп майҙанды бер нисә тапҡыр әйләнеп сыҡты, Хәтмулла дуғаланған билдән ҡармай алмағас, таҫтамалын тубыҡтар аҫтынан эләктереп Мөхәммәтте башынан аша елгәрергә йәтәхәнләнгәйне генә тегеһе шуны ғына көткәндәй быны бер яҡҡа һелтәп тә һалды. Йыйылыусылар гөж итеп ҡалды, әммә этйығышлыҡҡа юл ҡуймай бәхәсһеҙ еңеүҙе талап иткән Фәтхулла ҡарт көрәште дауам итергә саҡырып ҡоласын ғына йәйҙе. Булмышын аҙағынаса төшөнөп бөтмәгән сәйер хис биләп алды, ике ир фәҡәт уның өсөн генә йәнтәслим айҡашалар һымаҡ тойолдо. Тик береһенә лә өҫтөнлөк биргеһе килмәне; Мөхәммәте балаларының атаһы, өй хужаһы, хәләл ире, ә Хәтмулла… йәнен уттай тоҡандырып, йөрәген көтмәгәндә тертләтеп ебәрергә мәжбүр иткән кеше, әгәр ул көн аша, йә аҙнаһына бер тапҡыр юлында осрап тормаһа тормошо төҫһөҙләнеп, йәшәү мәғәнәһе бүҫкәреп ҡалыр ине. Уға ҡалһа Мөхәммәт менән Хәтмулла ошо ерҙә таҫтамалдарын уртаға ырғытып икеһе ике яҡҡа китеп барһалар ҙа риза булыр ине. Йәне ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-теләктән тартҡылаша, әйтерһең мир алдына сыҡҡан да ҡайһы тарафҡа ташланырға белмәй икеләнеп бәүелә. Намыҫ һәм сәм һал-ынған көрәште ары күргеһе килмәгәнгә китеү яғына йүнәлгәйне генә, тағы гөж итеп ҡалдылар. «Кемеһе еңде! Мин кемдеке булырмын?» Үҙе лә аҙағынаса төшөнөп етмәгән иләҫ-миләҫ уй мейеһен ярып үтте. Боролдо. Фәтхулла ҡарт Мөхәммәттең ҡулын юғарыға сөйгәйне. Бер аҙҙан һабантуйҙың төп бүләген уның елкәһенә килтереп йөкмәттеләр. Ире йыйылғандарға мөрәжәғәт итте: «Таралмағыҙ, ағай-эне, тәкәне, хәҙер үк ошонда һуям, һыйыбыҙҙан ауыҙ итегеҙ!» Ҡайтып әҙер һалмаһын, башҡа аҙыҡ-түлек, кәрәк ярағын тотоп килеүгә итте ҡаҙанға һалғандар ине инде. Ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе лә табынды хәстәрләп йүгермәләйҙәр, Хәтмулла ла үҙенең еңелеүенә бошонмағандай Мөхәммәткә ихлас ярҙамлаша. Апаруҡ һуҡмыш, һыйлы табындан ҡоро ҡалырға теләмәгән Данир ҙа: «Еңереңә баштан уҡ ышанғайным, бирешмәнең бит ҡорлаш, үҙеңдә лә көс, ҡарыу бар шул!», тип бер үк маҡтауын тыҡый. Табын хәстәрләнгәс ҙур түңәрәк яһап сирәмгә ултырҙылар. Фәтхулла ҡарт мәжлескә йәм өҫтәп ойоҫҡотоп ҡурайын тартып ебәрҙе, күкрәк төбөнән сыҡҡан әһаңлы тауышы менән пушты Сәйфетдин йыр башланы. Ҡунаҡтың тыйнаҡ булырға тейешлеген иҫендә тотоптор, Хәтмулла уға иғтибар итмәгәндәй, һауынсы Нәйләгә ҡыҙыҡ һөйләй, ә теге ҡыйшаңдаҡҡа шул ғына кәрәк тә, башын артҡа ташлап шарҡылдап көлә. Тәүге тапҡыр көнләште, ят ирҙе ят ҡыҙға ҡаратҡыһы килмәй көнләште. Ә кис өйгә ҡайтҡас Мөхәммәт ҡапыл хәлһеҙләнеп китеүен әйтеп түшәккә ятты, ирендәре ситенән алһыу ҡан һығылып сыҡты. Хафаланып: «Хәлеңде белә күрә ҡырталашаһың, үҙеңде йәлләмәгәнгә күрә беҙҙең хаҡта уйлаһаңсы», тигәйне, «бөгөн шул майҙанда ятып үлһәм дә еңергә тейеш инем», тине ире ситкә ҡарап. Саҡырыуға килгән фельдшер Зарифа әйләндереп-тулғандырып тыңлап ҡараны ла Мөхәммәтте шундуҡ участка дауаханаһына ҡыуаланы, уға унда бер ай самаһы ятып сығырға тура килде. Ғүмере буйы яңғыҙы көн итә алмай бит инде, көҙ етеп уңышты йыйып алғас, артыҡ шаулатып туй-маҙар үткәрмәй генә Хәтмулла Нәйләгә өйләнде, хәлбүки оҙатыу шартына тап килтерелгәйне: егелгән ҡара айғырҙың көмөш төймәләре йылтыраған сбруйы өҫтөнә ҡыҙыл туҡыма ябылған, дуғаһына көмөш ҡыңғырау, ҡолаҡбауҙарға сәскәле яулыҡтар тағылғайны, крандас та рәйестең район кәңәшмәләренә генә тотонғаны. Тормошо кинәт төҫһөҙләнеп ҡалды, шул ҡыҫыр мөхәббәте йәшәтә ине бит уны, тормошона йәм һәм мәғәнә бирә ине. Ҡайғы-хәсрәт яңғыҙы йөрөмәй, тиеүҙәре раҫтыр, һин дә мин, теттереп донъя көтөп ятҡан атаһы менән әсәһе көтмәгәндә мунсала еҫ тейҙереп бер төптән үлеп киттеләр. Мөхәммәттең төҙәлмәҫ сире йылдар үтеү менән йыш ҡабатлана торҙо, ул тәрәнәйә, еңә барған һайын йоҡа кәүҙә ҡаҡланып, йоҡарып ҡорҙай ғына булып ҡалды, ошоғаса әйләнә-тирәгә ҡыҙыҡһыныусан ҡараған теремек күҙҙәр йәшәү сатҡыһын һүндереп күгелйемләнгән соҡорҙар эсенә батты. Ире йонсоу көндәрҙә быуылып йүтәлләп кенә ҡалмай, төнө буйы тәне уттай янып сыға. Яҙғыһын сәсеүгә сыға алмай түшәккә лыпын ятты. Хәле ыңғайға ғына китеп бара ине һымаҡ, бер көн кис ишек ауыҙында бригадир ярҙамсыһы Фазылйән күренде. Ипле һүҙле, шул ындыйлығы менән йомошон йомошлата белә торған оҫталығы бар уның. Был юлы ла инде лә инәлгәндәй, үтенгәндәй ҡиәфәттә ҡоласын йәйҙе: «Мөхәммәт Хисбуллович, - һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырыуылыр, ололап өндәште, - ҡыуғын бригадаһына башлыҡ таба алмай ҡаңғырабыҙ. Мәҫтәк һыртында йәйгеһен мал аҙбары төҙөү өсөн уҫаҡ йыҡтырғайныҡ. Үҙең беләһең, ундағы ҡабраға йәйәү, йә һыбай ғына барырлыҡ, техника менән үтеп булмай. Ағасты эшкәртеп аттар ярҙамында Һаҡмар ярына тартҡайныҡ, шуны юллы ергә ҡәҙәр ағыҙырға кәрәк, бер аҙна тирәһендә, ташҡын шәп саҡта өлгөрөп ҡалмаһаҡ бүрәнәләр шунда тағы ла бер йылға ятып ҡалды, тигән һүҙ. Ә бында, фермала, малға урын етмәй. Тегендәге төп бурыс – егеттәргә күҙ-ҡолаҡ булыу, йәштәрҙең тинтәклеге билдәле, берәй хилафлыҡ ҡылып ҡуйыуҙары бар. Йәнә һине сәсеүҙә туҙан йоттороп йөрөтөп тә булмай, өйгә лә һалып ҡуя алмайбыҙ, район үҙәгенән упалнамущынный килде, бөтә колхозсыларҙы тәүлек әйләнәһенә эшләргә ҡушып ҡырға, сәсеүгә ҡыуа. Тегендә саф һауа, мәшәҡәте лә бер-ике көнлөк кенә». «Гөлбикә, бармаһам килешмәҫ, ҡайһылайтып уттай ҡыҙыу осорҙа йә баҫыуға сыға алмай, йә хужалар ҡушҡанынан баш тартып өйҙә ятмаҡ кәрәк». Шул китеүенән ат арбаһына тейәп алып ҡайттылар. Егеттәр ише сая, алабарманыраҡ холоҡло Нәйлә лә кеше юҡлыҡтан ҡыуғынға кашауар булып барырға ризалашҡан, уны-быны абайламай яр ситенә барып баҫҡан да иреп, ҡумшып шыуған яр менән бүрәнәләр тыйлығып аҡҡан боҙло һыуға ҡолап төшкән. Уны ҡотҡарам, тип Мөхәммәт артынан һикергән. Нәйләнең кәүҙәһен ике көн үткәс кенә Ҡәрйән туғайында, йылғаның ағышы әкеренәйгән ерҙә, яр ҡырында таптылар, ә тал ҡыуағына һағып сығып өлгөргән ире түшәккә башҡаса тормаҫ өсөн ятты, боҙло һыу сырхау кәүҙәне үтәнән-үтә һуғып өлгөргәйне. Хәленең шәптән түгеллеген тойомлап, бының нимә менән барып бөтөрөн самалап әллә дауаханаға барыуҙан ҡырҡа баш тартты, эргәмдә йөрөгән һиңә, балаларыма ҡарап ятырға рөхсәт кенә ит, тине, быуылып йүтәлләйһе урынға буҙарып, ҡара тиргә батып, дерелдәп, һауа етмәгәндәй ауыҙын асып түшәмгә текәлеп ята башланы, сәләмәтлеге арҡа биреп, көнләп түгел сәғәтләп кирегә тәгәрәне. Иртәгә һабантуй, тигән көнө зыяратта ҡара түмәләс ҡалҡып сыҡты, Мөхәммәтте һуңғы юлға тотош ауыл оҙатырға сыҡты. Күҙгә бәрелмәй йәшәп ятҡан кеше китеп барғас ҡына уны юҡһындылар шикелле ауыл халҡы; ир-ат хәсрәттән башын баҫты, ҡатын-ҡыҙ сарғаланмай ғына быш-быш илап яулыҡ осона йәшен һөрттө, ә уның өсөн йәйге сыуаҡ көн төҫһөҙләнде, аяҡтары аҫтында ер убылдымы ни! Иренең ҡырҡы үткәнсе шаңҡып, ни ҡылырға белмәй бәргеләнде, ары нисек тә йәшәргә, балаларҙы үҫтерергә кәрәк бит, тештәрен ҡыҫып эшендә лә өйөндә лә өлгөрөргә тырышты. Бала ҡайғыһы ни ҡуйһын: башта ағас аяғы менән көскә ҡымғырлап йөрөгән ҡайныһы, шунан ҡәйнәһе мәрхүм булдылар. Ни тиклем генә донъя мәшәҡәте баҫһа ла йылдар үтеү менән һөйөргә-һөйөлөргә теләү тойғоһо өҫкә ҡалҡты, йүгәнләй, ауыҙлыҡлай алмаған ҡатын-ҡыҙ теләге ташты, йәш тәне ир танһыҡланы. Гөнаһлы нәфсене ҡандырыу өсөн ирҙәр табылыр ҙа, йән тартҡаны Хәтмулла ғына. Ул да осраған һайын элеккеләй йылмайып ҡарап уҙа башланы, мәгәр ауылдың ҡайһы бер йөрөмтәл ирҙәре ише оятһыҙланманы, төндә ишеген ҡағып маҙаһыҙламаны. Ә ул уны теләй һәм көтә, тәҙрә сиртеүенән танып ҡосағына сумып онотолорға әҙер. Ә бер кис һауындан ҡайтышлай Хәтмулланың уты һүнгән өйөнә аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре тарттылар… Хәтерләүҙәренең ошо еренә еткәс өшөгәндәй тәне ҡалтыранып ҡуйҙы. Был ике ваҡиғаны оноторға тырышһа ла йәненә яғылған ҡара тапмы ни, уны яҙмышына яҙған йылдар ҙа, шул йылдарға һыйған һанһыҙ ваҡиғалар теҙмәһе лә юя, оноттора алмай. Ошо ике ваҡиға берегеп тыуған сабыйҙарҙай айырылғыһыҙ, иҫенә төшһә йәне тертләп китә. Бер көн Хәтмулла Әлмөхәмәт туғайындағы һауынсылар йәйләүенә һуғылды. Һауындың бөтөүен көтөп бер яҡ ситтә өйкөлөшкән ир-аттың янына барып ике ҡулын һоноп күреште, түш кеҫәһенән папирос сығарып өләште лә ялан кәртәләге һыйырҙары араһында йүгергеләгән һауынсылар менән ҡысҡырып иҫәнләшкәс, ферма мөдиренең ҡайҙалығын белеште. Ул да һауып башлаған һыйырын һауып бөтөрмәйенсә кәртә ситендәрәк торғанының аҫтына барып сүгәләне. Ҡабалан күҙ атып шуны сырамытты, баһыуға һөйәлеп тәмәке тоҡандырған ҡырсылыҡ бригадирының йомошо ферма мөдирендә түгел унда ине. Бер мәлгә генә күҙҙәр осрашты: ирҙең ҡарашында тыйып торғоһоҙ дәрт һәм сабырһыҙланыу ярылып ята. Хәтмулла крандасына ултырып ауыл яғына елдереп киткәнендә һиҙҙе, ул уның ҡайтыуын Баланлы Үҙәк сауҡалығында көтәсәк, элекке көн дә эңер төшкәс шунда осрашҡандар ине бит. Һыйырҙарын ашыҡ-бошоҡ һауып бөтөрҙө лә уны үлсәтеп тапшырғас, ҡабаланып ҡайтырға йыйына башланы. Әхирәте Зәлифә бергә атлайыҡтан һалдырып эйәрергә иткәйне, юл ыңғайы көтөүҙән тороп ҡалған һыйырҙы эҙләйем, тип алдашты, тегеһе: «Ул аҙғынды тапҡан ереңдә үк тамсы ла һутын ҡалдырмай эйендекләп ҡайтар!» тип мәғәнәле йылмайып ҡуйыу менән сикләнде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хәйлә менән алдырыу ҡайҙа - белеп бөтөрмәһәләр ҙә, күҙгә бәреп төпсөнмәһәләр ҙә һиҙәләр шикелле уларҙың йәшерен осрашыуҙарын, шуға яйы сыҡҡан һайын төртмә телләнәләр. Хәтмулла ысынлап та колхоз айғырын муйыл ҡыуағына төртөп ҡамтарған да шунда көтә ине. Бик оҙаҡ айырылышып торғандар тиерһең, өҫтәге кейемдәренән нисек етте шулай ҡотолғас бер-береһенең ҡосағына ташландылар. Һөйөп-иркәләшә торғас ҡояш ҡыҙарып алыҫтағы тауҙар киртләсенә һаҡты ла, яланғас ир менән ҡатынды башҡаса күҙләргә оялғандай табаҡтай битен яртылаш офоҡҡа батырҙы. Эңер төшөүе уларҙың һиҙгерлеген алды шикелле, көтмәгәндә өҫтәренә Фәриҙә килеп сыҡты, ул кисәге ҡайтмаған тананы эҙләп йөрөй ине булһа кәрәк. Хәтмулла эргәләге ҡапрыҡ артына шыуышты, ә ул ҡулдары менән түштәрен ҡаплап, аяҡтарын ишеп сатын боҫормалап урынында ҡалды. Ҡыҙы көтөлмәгән осрашыуҙан тетрәнеп, шаңҡып, асҡан ауыҙын да йоморға онотоп ҡатып ҡалды, шунан устары менән йөҙөн ҡушуслап биниһая ваҡыт һеңгәҙәп торҙо ла ҡымтылған ирендәренән иңрәүле өн һығып сығарҙы: «Оят, мәсхәрә, әсәй түгелһең, уйнашсыһың, ә мин һиңә ышанған булдым…» Эләгә-йығыла ауыл яғына ҡарай йүгерҙе. Ул да эргәһенә ятҡан эске кейемдәрен ашыҡ-бошоҡ, нисек етте шулай кейеп, күлдәген ҡулына эләктереп Фәриҙәнең артынан йүгерҙе: «Балам, тороп тор, дөрөҫ аңла, туҡта бер минутҡа ғына… Мин… мин бит әсәй генә түгел, ҡатын кеше лә, үҫкәс аңларһың…» Ҡоралайҙай йүгергән үҫмерҙе, бар, ҡыуып етеп ҡара! Фәриҙәһе йоҡларға ҡайтманы, ә ул уны эҙләп төн үткәрҙе лә иртәнсәк баҡса ултырғысына һағып төнәгәйне, иртә таң менән кемдер яурынбашына ҡағылды. Янында Фәриҙә тора ине. Бер төн эсендә йөҙө тартылып киткән. «Бына ҡайттым. - Әсәй, һүҙен ҡушманы. - Үҙенә үҙе ҡул һалып ҡуймаһын был, тип шөр ебә-рҙеңме? Яңылышаһың, минән улай еңел генә ҡотола алмаҫһың…» Тағы ла бер аҙ-на үтеүгә, Фәриҙәһенең асыуы бер аҙ һүрелә төшкәйне, әсәй, һүҙен ҡушып өндәшә башланы, мәгәр ул кәрәк булған өсөн генә әйтелә ине булһа кәрәк, донъяларына күҙгә күренмәҫ һалҡынлыҡ бәреп инде, араларын аңлашмаусанлыҡ шаршауы бүлде. Ана шул сәйер мөнәсәбәт яйлап-яйлап Сәғиткә, Сәғиҙәһенә күсте, бындай кире тәрбиәнең башында кем торғанлығы һүҙһеҙ ҙә аңлашыла ине. Ауылда – артыҡлап беленмәһә лә мәктәпте тамалап медучилищеға уҡырға ингәс, ҡыҙының холҡо насар яҡҡа үҙгәрҙе, эргәһенә егет-еләнде эйәләтә башланы. Йәйгеһен ауылға ҡайтҡанында ла уның ҡаршылыҡһыҙ икәнлеген бер-береһенән ишетеп өлгөргән егеттәр, егеттәр генә түгел, йәш ирҙәр эргәһендә йыш урала торғайнылар. Бер көн ырҙын табағынан ҡайтышлай кисә йыуынғандан ҡалған һыу менән иген туҙанын сайырға теләп мунсаға инде, һәрмәнеп мейес ауыҙында ятҡан шырпыны табып ултырмалы һуҡыр шәмде тоҡандырҙы һәм… ҡурҡышынан тертләп ишеккә тартылды. Эләүкәлә сыр яланғас ир менән ниндәйҙер ҡатын ята ине. Күҙҙәре ҡараңғыға өйрәнә төшкәс таныны, әзмәүерҙәй ир кәүҙәһе менән боҫормалап йәшерергә тырышҡан һын Фәриҙәһе ине. Көтөлмәгән күренеш шаңҡытты, телдән ҡалды, мейеһен бәйләнешһеҙ уйҙар йыбырлатты: «Нисек инде, ун һигеҙе лә тулмаған ҡыҙы ир уртаһы кеше менән… Булмаҫ! Ул бит әле бала ғына, һәр хәлдә уның өсөн бала…» Һенағастай тора бирҙе лә иҫенә килеп, ҡапыл үрелеп эләктереп ирҙең арҡаһына тас менән тондорҙо, ыңғайы бер ярһып, ят тауыш менән аҡырып ебәрҙе: «Һинең бит ике балаң, ҡатының бар, ни эшләп минең ҡыҙыма йоғонаһың, ауылда башҡа тол бисәләр бөткәнме! Мә һиңә, мә, оятһыҙ, ер бит, һаҫыҡ кәзә тәкәһе!» Үҙе аяуһыҙ һелтәнә, үҙе аҡылдан шашҡан кешеләй һамаҡлап илай. Ир иҙәндәге кейемен нисек етте шулай һәрмәп алып сығып шылғайны, тасты таңғырҙатып эләүкә яғына елгәрҙе лә быуынһыҙланып бөгөлөп төштө һәм хәле бөтөп бышылданы: – Балам, нимә ҡыланаһың һин, ә?.. Ул бит ғаиләле ир, һине ҡыуалатып үҫеп килгән ҡыҙы бар! Фәриҙә тырпырап ятҡан еренән тороп ултырҙы ла үҙенә тартып ике тубығын ҡосаҡланы, шунда башын һалды. Һалынып төшкән сәстәре йөҙөндәге кисерештәрҙе тойомларға ирек бирмәй. – Ниңә өндәшмәйһең, ишетәһеңме мине, балам? – Ишетәм. Нишләп ишетмәй тигән, һаңрауланмағанмын әлегә. - Тауыш үтә лә тыныс, баҙҙан килгәндәй тоноҡ ишетелә. – Был кем? - Ир сығып киткән яҡҡа, ҡоромло ишеккә төрттө. - Ҡасандан бирле уның менән сыуалаһың? – Кем булһын - ир. Ҡасандан алып сыуалһам да һиңә барыбер түгелме ни? – Түгел! - Ҡолаҡтарын томалап бөгөлөп төшөп тынып ҡалды, шунан иңрәү-ле шыбырҙап ары дауам итте. - Кейәүгә сыҡма, тимәйем, уҡып бөтөр башта, шунан йәнең тартҡанын һайла, тик былай итеп мине мәсхәрәгә ҡалдырма берүк! Ир ҡуйынына инеүҙең эҙемтәләрен беләһең, уҡып бөтөрмәҫ борон атаһыҙ бала ҡосаҡлап ултырырға яйың бармы? Зинһар тыңла балам, аҡылыңды юйма, үтенәм… – Аңлайым. Бригадир һәм уның һөйөклө ҡатынының ауыл кимәлендә абруйы төшә. Ай, ни тиклем аяныс! - Яланғас ҡыҙы, кейенергә ашыҡмай, һамаҡлауҙы тыңлап ултыра биргәс мыҫҡыллы йылмайҙы. - Бригадир Хәтмулла тигәндәй, уның менән булған мөхәббәтеңде, дөрөҫөрәге уйнашыңды иҫеңә төшөр әле? – Етте, балам… - Шулай тине лә артығын тыйыр рәте ҡалмағас тынып ҡалды. – Юҡ, етмәне, башлағас аҙағынаса асыҡлап ҡуяйыҡ. Хәтереңдәме муйыл сауҡалығы? Мин шунда һеҙҙе тап иткәндә әле һин кисергән тойғоно кисерҙем. Бәлки, үҫмер аңы өсөн ул күренеш бындағына ҡарағанда күпкә аяныслыраҡ та булғандыр. Һеҙҙең эргәгеҙҙән гөнаһ ояһынан өрккәндәй ҡастым; үҙем эләгеп йығылып китәм, тағы тороп йүгерәм, өҫтөм үлән онтағына, юл туҙанына буялып бөттө, ташлы ергә һөрлөгөүҙән тубыҡтарым үҙәккә үтеп ауыртты, тубылғы һыҙырған балтырҙарым быуланы. Иҫемә килгәндә Һаҡмар ярында ултыра инем. Беләһең бит теге сөңгөлдө? Унда батҡандар бит кире сыҡмай. Минең дә шунда йотолоп үлгем килде. Ҡая сусағында таң һыҙылғансы ултырҙым. Донъя менән бәхилләшеп бөткәс күҙҙәрем алдына ҡустым һәм һеңлем килде. Китеп барһам, кемгә ҡала улар, шул хаҡта уйланым… Хыянатҡа һәләтле әсә кеше ҡустым менән һеңлемде ҡарармы, ҡурсырмы, тинем… – Минме… хыянатсы? Ни һөйләйһең һин, балам? – Мин дә хыянатсы, һин дә хыянатсы! Атайымдың күҙҙәре йомолмаҫ элек үк шул Хәтмулла, тип күҙҙәрең тона ине бит, уны мин генә түгел күптәр белә ине. Шул иҫәптә атайым да. – Атайыңа, хыянат иткәнем булманы балам, Хоҙай шаһит! – Иреңде яратмай йәшәү гөнаһ түгелме ни? Ошонан аҙаҡ, яуап бир, мөхәббәтһеҙ өйҙә мөхәббәтле балалар тәрбиәләү мөмкинме? Шуға ла ерҙә мөхәббәт барлығына ышанмайым мин, ышанмайым, һәм бөттө китте. Ә бөгөнгө ир менән ҡатын уйынына килгәндә алма бит ағасынан алыҫ төшмәй, мин һиңә оҡшағанмын, әсәй!.. Ҡономдо ҡайтарам, бары шул ғына, тыйма һәм ҡурҡытма, янама ла, файҙаһы булмаясаҡ! Бар, Хәтмуллаңа ҡайтып ошаҡлаш, бәлки, ул берәй йүнлерәк кәң-әш бирер! Нәфрәтенә быуылып, һүҙһеҙ ҡалып ситкә ҡарап ҡуйыу менән сикләнде, әйтелгәндәрҙе инҡар итерлек дәлилдәре юҡ ине шул. Аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтып йығылды. Нимә булды, ауырып киттеңме әллә, тип Хәтмулланың хафаланыуына ла яуап ҡайтарырлыҡ хәлдә түгел ине. Төнө буйы сөңгөл менән алышып һаташып сыҡты, буръяҡлы һыу төбөнә батып китә, кире өҫкә ҡалҡып сыға, ә Фәриҙәһе яр ситенә баҫҡан да ҡулдарын ҡаушырған, таш һымаҡ ҡатҡан йөҙөндә аяу ҙа, йәлләү ҙә юҡ. Ҡара таңда тиргә батып уянып китте. Тормош сөңгөлө фанилыҡтағынан күпкә тәрән һәм аяуһыҙыраҡ шул. Фәриҙә училищеның һуңғы курсында ауырға ҡалып, уға әйтеп, кәңәшләшеп тә тормай аборт яһатты һәм ҡылған хилафлыҡтарынан айнып киткәндәй ҡапыл аҙғынлығынан туҡталды һәм Хәлфетдингә кейәүгә сыҡты. Тик бәхетле ғаилә ҡора алманылар барыбер, беренсе балаһын алдырыу эҙһеҙ үтмәне, ҡыҙы ҡыу ағас ише емешһеҙ ҡалды. …Хәтмулла менән осрашыуҙары ярты йыл самаһы дауам иткәс, беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмаған кеүек ауылда ла ауыҙҙан-ауыҙға хәбәр таралды, ул үҙе лә ваҡыт үтеү менән кәүҙәгә ауырайып киткәнлеген тойҙо. Икәүләп һөйләшкән-аңлашҡандан һуң бергә йәшәргә ҡарар иттеләр. Тик ғорур Хәтмулла баштан уҡ берҙән-бер, әммә ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ талабын ҡуйҙы: «Донъям ныҡ, өй ҙә иркен, миңә күсеп килегеҙ!» «Балалар бит, тегендә өйрәнгән, һәр береһенең үҙе ултырған, ятҡан урыны, мөйөшө бар, тигәндәй, әллә һин үҙең…» «Юҡ, Гөлбикә, ҡатындың өйөнә оҙатылып барған ирҙе өнәп бөтөрмәйҙәр, быны яҡшы беләһең. Килегеҙ, барығыҙҙы ла теләп ҡабул итәм» Шулай хәл иттеләр ҙә бит, әммә ләкин күсенеп сығыу балалар тарафынан илау-һыҡтау аша ҡабул ителде, ә Фәриҙә беренсе көндән үк үгәй атаһына яратмай, ятһынып ҡарап эсенә йомолдо, Сәғите бынан ары ла тик әсәйемде генә еҫкәп йоҡлаясаҡмын, тип аяҡ терәп ҡырталашып түшәккә талашты, Сәғиҙәһе лә уйнарға үҙҙәренең ишек алдына китә, ашарға, йоҡларға ғына ҡайта, ул сағында ла бар нимәнән ситләшә, күршегә йомошҡа, ҡуҙ алырға ингән тиерһең. Төпсөгө Фәрит тыуҙы. Тик икенсе атанан булғанғамы уны балалары ятһынып ҡабул иттеләр, илаһа, сәңгелдәге эргәһенә килеп бәүетеүсе, уйынсығы төшөп китһә, алып биреүсе булманы, ә яһил, аҫтыртын холоҡло Сәғиҙә яйы сыҡҡанда бороп семтеп алыуҙан да тартынманы. Алыҫтағы офоҡҡа һиҙелер-һиҙелмәҫ яҡтылыҡ ойотҡоһо ҡунған, яртылаш урман ҡуйынына һыйынған ауыл да әкеренләп йоҡоһонан уяна: кемдеңдер әтәсе һуҙып ҡысҡырып ҡуйҙы, ләүкелдәп эт өрөп алды, һыйыр мөңгөрәне. Ҡатҡан билен ҡушуслап ығырлап-шығырлап ҡалҡынды. «Былайтып ҡарасҡылай урам ҡыҙырыуымды күреп ҡалһалар әллә ни уйлауҙары бар… Ҡайтайым… Тик ҡайҙа?..» Үҙ һорауына үҙе яуап эҙләгәндәй ян-яғына ҡаранды. Хәтмулланың өйөнөң ҡапҡаһы асмаҫлыҡ итеп тимер сыбыҡ менән сырмалған. Нисә йыл ошо өйҙә татыу, берҙәм, бер-береһен аңлап, күтәрмәләп көн иттеләр. Юҡ, юҡ, Мөхәммәте менән дә бәхетһеҙ йәшәмәне. Бергә уйнап, күҙ алдында үҫкән иренә тәүге осорҙа ихтирам менән ҡараны, шунан сире көсәйеп киткәс, уны йөрәге һыҙып ҡыҙғана ине. Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы көслө затҡа буйһоноу, унан яҡлау һәм һаҡлау өмөт итеү, ә йәлләү мөхәббәт тойғоһон уята алмай. Ә Хәтмулла йәлләүҙе ҡабул итмәгән, был йәһәттә хатта ҡырыҫыраҡ та зат ине. Яҙмышына ике ир яҙғайны, береһен ихтирам итте, икенсеһен яратты, әммә шул яратыуы көндәрен, айҙарын, йылдарын ҡәҙерле һәм мәғәнәле итте. Тән генә түгел, йән һыйыныр кеше менән ғүмер кисереү ерҙең сыуаҡлыраҡ, йылыраҡ, яҡтыраҡ яғында йәшәүгә бәрәбәр. Был торлаҡ уға ҡәҙерле һәм яҡын, тик уныҡы түгел. Төп өйөнөң мейесен емереп ташыған мәлдә Хәлфетдин кейәүе уны үҙләштерергә яҫҡынғайны ла: «Оронма кейәү, сереп ергә һеңгәнсә ул бары Хәтмулланыҡы ғына булып ҡаласаҡ!», тип өҙә әйтте. «Сәғиҙәгә барайым, бер аҙ унда йәшәһәм, асыуын онотҡан Фәриҙәһе үҙе үк кире йүгереп килеп етер. Шунан һәүетемсә йәшәп алыр ҙа китерҙәр. Балаларынан нимәгә саманан артыҡ иғтибар талап итергә, уларҙың һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте…» Шулай ҡайтымһаҡ уйын уйлағансы Сәғиҙәләргә килеп етте, һаҡ ҡына итеп ишек ҡаҡты. Өй эсенән ым да тым да ишетелмәй. Тағы ҡаҡты, тағы… Бына өй ишеге асылды, яланаяҡ шапылдап атлаған аяҡ тауыштары соланға сыҡты: «Йоҡларға бирмәйҙәр, инәңде эт әмәлләгер… Кем?» Тамаҡ төбөнән ҡарлығып сыҡҡан тауыш ярайһы уҡ тупаҫ яңғыраны. «Мин кейәү… Ас…» «Һинме ни әле был, убыр?.. Башҡаса килеп йөрөмә, забудь сюда дарогу! Ишетәһеңме, ике аяғыңдың береһен баҫма! Өйөңдө кем приватизировал, шунда йәшә, вон, ҡортҡа!» Иҫерек янауҙың һүгенеүле яғы ябылған ишектә бүленде. Ҡапыл башы әйләнеп китте, хәлһеҙләнеп таҡта стенаға һөйәлде. Оҙаҡ ҡына шул хәлдә торғас сығыу яғына йүнәлде. Аяҡтары атламай, тотош кәүҙәһе ҡалсылдап таралып бара. Иң тәүҙә үҙ өйөнөң ҡапҡаһына барып терәлде, ары Хәтмуллаһыныҡына. Мейеһен ошоғаса ике ятып бер уйына инмәгән хәтәр уй ярып үтте: «Былайтып йәшәгәнсе китә лә барайым… Улай тиһәң барыр ерем, батып үлер күлем юҡ…» Уйындағы күлде күрергә теләгәндәй тоҙ төҫөнә ингән күҙҙәрен юғарыға сөйҙө. Яҡтырып килгән күк йөҙөнөң үҙәгендә әйләнеп ятҡан сөңгөлдө хәтерләтеп ҡарағусҡыл болот ҡатҡан. Тотош ауыл, ауылға терәлеп тиерлек ҡалҡҡан урман, урман эргәһендәге аҡлан, хатта ул ғына ла түгел, тотош Ер шары ана шул Йыһан сөңгөлөнөң үҙәгенә тартылып әйләнә-әйләнә йотолор, һеңер һымаҡ. Аңы төпкөлөнә йәшеренгән, онотола барған уйы яңырҙы: «Һуң теге сөңгөл бар ҙа баһа… Теге сөңгөл… Хәҙер тартып алыр уны…» Унан ике тапҡыр ҡотолоп ҡалды. Тәүгеһендә арлы-бирле генә яр ситендә сәпелдәй белгәнендә батырлығын күрһәтергә теләп тура шул яҡҡа ҡарай йөҙҙө. Тәрән урынға етте лә ҡурайҙай ғына беләктәренең арыуын тойҙо, аяҡтары тыңламаны. Сәүек көсөктәй ярҙамға өмөт итеп урынында әйләнгеләне лә башҡа һыу өҫтөндә ҡалҡып торорлоҡ рәте ҡалмағас, бырхылдап һыу төбөнә китте. Бер-ике уртлам һыу йотҡас, өҫкә ҡалҡты, билдәһеҙ көс ҡабаттан һыу төбөнә тартты. Өсөнсөгә сәсәй-сәсәй ҡалҡып сыҡҡанында сусаҡ ҡаянан һыуға һикергән атаһын күрҙе. Ары күҙ алдары тамам ҡараңғыланды, иҫен йыйғанда ул яр ситендә ятып уҡшый-уҡшый ҡоҫа ине. Өйгә ҡайтҡас ҡатынын эйәртеп Хисбулла ағай килеп етте, өлкәндәр, күлдәге менән тыуғандыр был бала, тип ҡыуаныштылар. Эйе, сөңгөл менән айҡашыр һәм еңер өсөн тыуғандыр ул, икенсе тапҡыр ҙа бирешмәне бит уға. Бына хәҙер өсөнсөгә… Икеләнеүле уйын еңергә теләгәндәй таяғын эргәһенә ҡуйып сүгеп төштө. «Әллә йәшәп ҡарарғамы … Тик нисек? Кемгә кәрәге бар уның был рәхимһеҙ донъяла? Әҙәм балаһы һөйөүҙән ҡөҙрәт алып йәшәй, уға ҡарата ана шул йылы мөнәсәбәт кәмеһә, йә бөтһә тамырһыҙ ҡалған ағастай кибә, юҡҡа сыға ә ул ҡулланыуы үткән тауарҙай туҙҙы, бәлйерәне…» «Былайтып йәшәгәнсе, етте, түҙҙем ошоғаса!..» Ҡәтғи уйы уның быуындарына дыуамал ҡеүәт өҫтәне. Тик унда, Һаҡмарға саҡлы ике саҡрымдан ашыу ара ята, мөсһөҙ аяҡтары менән барып етә алырмы? Етер, нисек тә етер, ҡабаланып китер ергә бармай. Ҡалҡыу түңдән хушлашҡандай ауылды күҙҙән үткәрҙе, ҡарашын оҙаҡ итеп үҙ өйөндә, шунан Хәтмуллаһыныҡында туҡтатты. Хәтере ҡалыуы Фәриҙә менән Сәғиҙәнең өйҙәренә ҡарарға ирек бирмәне. Берләм һуҡмаҡҡа төштө лә һаҡ ҡына баҫып Һаҡмар йылғаһы яғына ҡарай атланы. Алыҫтан таныш сыйнауҙы ишетте. Аҡтырнаҡ уның ҡарарын һиҙеп, әсенгәндәй олой ине. «Әҙәм балаһына ҡарағанда кейектең кейеге мәрхәмәтлерәк, һиҙгерерәк барыбер…» Һаҡмар туғайына ултыра-тора, мөштөрҙәп килеп еткәнсе ҡояш ҡалҡып тышау буйы күтәрелергә өлгөрҙө. Гөлбикә ҡарсыҡ яр ҡырында ятҡан, төбөнән аҡтарылып ауған, ҡарт өйәңке өҫтөнә килеп ултырҙы. Үҙәк тамыры һынһа ла ергә ҡаҙалған вағыраҡ тамырҙарҙан әҙләп һут килгәнлектән ағас бирешергә теләмәй йәшәргә тырышып ятҡан көнө: олондоң ос яғы кибеп юҡҡа сыҡҡан, әммә аҫҡы өлөштә япраҡтар елберҙәгән бер нисә сибек ботаҡ тырпайып күренә. «Кемдең яҡты донъянан тиҙ генә киткеһе килһен…» Дымланған маңлайын яулығының осо менән ҡоротто. Көн яңы ғына тыуып торһа ла, кисәге баҫылып өлгөрмәгән ипкен ҡайнарығына бөгөнгө томра өҫтәлгәс, ер өҫтө ҡыҙған табаны хәтерләтә. Йыл аша тиерлек ҡабатланып килгән ҡоролоҡ быйыл уғата аяуһыҙ, яҙ башынан тәбиғәт ямғыр төҫөн күргәне юҡ, үлән-ҡыяҡ кибеп бөттө, бөжәк ябырылған ағас-ҡыуаҡтар ҙа иҫке-моҫҡо кейемле асарбаҡтай ярым-яланғасланып, ҡойтоланып ҡалған. Элгәре бәрҙеһе һикереп уйнаған, таҙа, тештәргә үтмәле һалҡын һыулы Тиләк йылғаһы ла ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, тимәк Һаҡмарҙың сафлығы ла күпкә ҡайтышланғандыр. Тәбиғәттең хозурлығы ла замандың мәғәнәһеҙ йәшәйеше ише кирегә тәгәрәй. Ҡулындағы таяғына эйәген терәп тынып ҡалды. Ауылда сығарған яндырай ҡарары ыҙалай-йонсой бында килеп еткәнсе һүрелеп, булмышын бөләңгерт битарафлыҡ биләгәйне. Һе, был уй тигәнеңдең осо ла ҡырыйы ла юҡ икән дә баһа, ә сал сәсле башы сырмалған, урын-урыны менән ялғанған уйҙар йомғағылай. Оҙаҡ суҡайҙы Гөлбикә әбей ҡарт өйәңке өҫтөндә, оҙаҡ. Ашыҡмай ғына һүткән иҫтәлектәр ебенең осо ла ҡырыйы ла күренмәй. Ғәжәп, был донъяла етмеш биш йылдан ашыу йәшәп тә ташлаған, ә ғүмер инеше кисә генә башланғандай. Күргәне, кисергәне берәмтәләп яҙмыш тиҫбеһенә теҙелгән, барсаһы иҫтә, барсаһы ҡәҙерле, барсаһы яҡын. Тегендә әхирәткә күскәс, ир затына өс һорау бирерҙәр ти: үҙ ғүмереңдә өй һалдыңмы, ағас ултырттыңмы, нәҫелеңде дауам итерлек малайың бармы? Ошо һорауға яуапты Аллаһы Тәғәлә моғайын унан да алыр, сөнки Мөхәммәте үлеп киткәс, балаларына бер юлы әсәй ҙә атай ҙа хөкөмөндә йөрөнө ләһә. Йорт һалыуға килгәндә уны күтәргән мәлдә ире бүрәнәнең бер осонан тотһа, икенсе яғына ул барып йәбеште. Шулайтып колхоз мәшәҡәттәренән арынған арала ваҡыт табып, икәүләп бөтөрөп инделәр йортто. Арымауҙарын әйт, күршеләре лә былар ендәрен ҡушып эшләтәләрҙер, тип иҫтәре китеп аптырай торғайны. Яҙғыһын башлаған йортто Октябрь байрамына бөтөрөп тә инделәр. Икенсе аҙнаһында өй туйлағанда ҡунаҡтарҙы балаҫ түшәп иҙәндә һыйланылар, ата-әсәләр алдан һөйләшеп ҡуйғандарҙыр, үҙҙәре менән һарыҡ эйәртеп, бер пар ҡаҙ, әтәсе менән тауыҡтар тотоп килеп инделәр, колхоз идараһы йомартлыҡ күрһәтеп еленле тана бүләк итте. Әсегән балдан ауыҙ итеп күңеле күтәрелгән ҡайныһы протез аяғын көйлө шығырлатып ҡайһылай ҙа дәртләнеп бейегәйне! Ағастар тиһеңме? Һи-и-и! Яҙ һайын сәсеүгә төшкәнгә ҡәҙәр лесничествоға ағас ултыртыуға йөрөп күпме ҡыялды? Ер соҡоғос махсус кәйлә менән кәҫ аҡтара-аҡтара устары ҡабарып бөтә ине. Ул ултыртҡан ҡарағай үҫентеләре бөгөн урман булып шаулай Һары Тай буйында. Улдарына килгәндә Сәғите ҡалала йәшәй, институтты бөтөргәс тә шул уҡ уҡыу йортонда хеҙмәтен дауам иткәйне, тырыша торғас ҡала ситендә ике ҡатлы йорт бөтөрөп, шунда уҡ емеш-еләк баҡсаһы үҫтереп тамам ҡала кешеһенә әүерелде, йыл һайын ярҙам итергә түгел, ирәүәнләп ял итергә ҡайтып әйләнә. Төпсөгө Фәрит Армияла флотта хеҙмәт иткәйне, шунда ҡалды ла әле диңгеҙ тулҡындар ярып илдәр гиҙә, донъяның ҡайһы ғына илендә булмаған да, ниндәй генә халыҡтар менән осрашмаған, ана шул илгиҙәрлегенән йәм, тәм, мәғәнә таба. Балаларын әҙәм итеүе еңелдән булған тиһеңме? Уларҙың һәммәһенә тән йылыһы ғына түгел, йән йылыһы ла биреп үҫтерергә кәрәк бит әле. Һәр әсә балаларын ҡәҙерләй, ҡурсый инде, ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта. Ҡартайған көнөндә дүрт тарафынан игелек күреп, хәстәр тойоп, йән ҡәнәғәтлегенә, күңел байманлығына ирәйеп көн итер һымаҡ ине лә ғүмер баҡый… Ә улары әллә кемгә оҡшап миһырбанһыҙ, ҡаты бәғерле булып үҫтеләр. Сәбәбе ниҙә, ҡайһы ерҙә үҙенән балаларын ситләшерлек хата ебәрҙе? Икенсегә кейәүгә сығыуын ҡабул итмәнеләр шул, һуң ҡайһылай итһен, йәш ине бит әле, тағы Хәтмулланы ярата ине, ә балалары бер яҡлы яратыуҙы талап иттеләр, уны ят ир менән бүлешергә теләмәнеләр. Үгәй атай йортона күсенгәс, балалары үҙҙәрен икенсе, ят мөхиткә барып ингәндәй тоттолар. Һуң шулай булмай тағы, йәй сыҡһалар яҙ төйәгенә ҡайтҡан ҡоштар ише үҙҙәренең төп өйөнә ашыға торғандар ине бит, көҙ еткәнсе шунда йоҡлап йөрөйҙәр. Үҙҙәре генә, өсәүләшеп йәшәйҙәр, хатта бәләкәй ҡустыларын да эйәртергә теләмәйҙәр, ни тиһәң дә ул икенсе ҡандан яралған. Хәтмулла ла теләктәренә ҡаршы килмәне, хәйер, нимә тип кенә әйтһен инде? Ул йәй буйы балаларына ашарға ташый, кейемдәрен алып ҡайтып йыуып килтерә. Был ҡылыҡтары йылдар үтеү менән үтер, тип өмөтләнде. Ҡайҙа инде, былар тағы ла, уҡыуға ингәс тә, йәйге каникул осоронда тыуған нигеҙҙәренә ҡайттылар, кейәүгә сығып өйләнгәндә лә һүҙ ҡуйышҡандай тантаналы мәлдәрен йәй уртаһында билдәләп туйҙы шунда үткәрҙеләр. Һүҙгә ипле, балаларға ҡатырғана белмәүсе Хәтмулланы ят бауыр күреп ҡабул итмәнеләр, «бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай» шул. Һуң үлгән артынан үлеп булмай, баштан уҡ аймылыш киткән яҙмыштарын бергә ҡушырға, олоғайған көндәрендә бәхетте тәтеп ҡарарға хаҡлы инеләр бит. Ә балалары аңламанылар, аңларға теләмәнеләр… Йәнә замана башҡа, заң башҡа, тигәндәй хәҙерге көнитмеш кире йоғонто яһаны фиғелдәренә, байлыҡ, аҡса, тип күҙҙәре тона, сикәләре ҡыҫыҡ, күңелдәре тар. Улай тип әйтергә хатта теле лә әйләнмәй, ни тиһәң дә йөрәген ярып сыҡҡан, йәнен иңрәтеп үҫкән ғәзиздәре. Белмәйҙәр әле улар әсәне юғалтыу хәсрәтен, тоймайҙар әле икенсе тапҡыр кендек киҫелеүҙең ни тиклем дә аяныслы икәнлеген, әсә янда йөрөгәндә генә тормош бөтөн була, ул күҙҙәрен мәңгелеккә йомдомо, булмышты бушлыҡ биләй, йәнде хәсрәт баҫа. Шул саҡта ғына юҡһынып иларһығыҙ, мин генә кире ҡайтмам, мин генә булмам… Һай, боларҙы бит йәшәйеш, төпһөҙ сөңгөл һымаҡ өйрөлә генә: буштан-бушҡа Ер шары әйләнә, кеше яҙмыштары әйләнә… Тарих та юҡ, киләсәк тә… Бары бөгөнгө көн генә бар. Шул вайран килеп ҡыйралып ятҡан арауыҡта әҙәми заттар нимәнелер бүлешә алмай талаша-тартыша, урлай-талай, ватылмай ҡалғанды емерә, көллө юҡҡа ғүмерҙәр ҡыйыла… Балаларына үпкәләне, тик яратамы һуң уларҙы, әллә рәнйешле хәтере генә ҡалдымы, йәне боҙҙай ҡаттымы? Рәнйеш ҡарғыштан яман тиҙәр. Ярата, әүәлгеләй ярата, Хоҙай шаһит! Ауыл менән хушлашҡанында ҡыҙҙары йәшәгән яҡҡа ҡарарға теләмәүе бала ҡылтайыуына оҡшағайны, шул мәлдә икеһенең береһе сығып тауыш бирһә лә үпкәһен онотоп ҡайырылыр ине моғайын. Ҡайһы әсә балаларын насар итеп күрергә теләһен, уларҙан ваз кисһен, ҡарғаһын, бәддоға уҡыһын? Дүртәүһенең береһенән йылы хәбәр килһә, йә улар хаҡында маҡтау ишетһә һары майҙай ирергә әҙер! «Сәғит, Сәғиҙә! Әйҙә ҡайтайыҡ!» Сәрелдәк ҡыҙ тауышы ҡолаҡты ярҙы. Таныш, ҡәҙерле исемдәрҙе ишеткән Гөлбикә ҡарсыҡ ҡапыл һиҫкәнгәндәй итте, һыу инеп ҡайтыу яғына йүнәлгән балалар икәнлеген шәйләгәс, төҫһөҙ күҙҙәрен ҡыҫып башын аҫҡа эйҙе лә йоҡомһорағандай тынып ҡалды, хәлбүки ғәме кескәйҙәрҙә ине, нимә эшләрҙәр былар? Терәлеп тиерлек үттеләр, сәләм биреүсе, уға иғтибар итеүсе табылманы. «Ахрызаман балалары! Сәләмләй ҙә белмәйҙәр исмаһам. Мәктәптә нимәгә өйрәтәләрҙер…» Мәктәп, тигәндәй Сәғиҙә үткәндә барғанында зарланып ултырҙы: «Сей елкәгә тейҙе ошо мәктәп, екһендем, ус яларлыҡ аҡса ла түләмәгәстәре уҡытҡым килмәй шыпа. Ярты мәшәҡәт артыңдан эйәреп ҡайта, ултыр инде ярты төн ауғансы иртәнге көнгә план яҙып, дәрес әҙерләп, дәфтәрҙәр тикшереп. Тағы, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй балалар аҙҙы, йә йүнләп уҡымайҙар, йә тәртиптәре тәртәгә һыймай, алкаш, бер килке әтрәгәләм ғаиләләренән ни көтәһең?! Йыйын һыу мейеләр йыйылған инде, хәлемдән килһә, көнө-төнө мейе серетеп, китаптарға күмелеп ултырғансы, коммерсантлыҡҡа китер инем. Исмаһам алыпһатарҙар әҙәмсә көн итә, иреклеләр, кейенәләр, аҡсаһыҙ ҙа йонсомайҙар». «Аҡсаға бәйле ерҙә ирек булмай ул, ҡыҙым». «Коммерсанттар, минең ише, ҡойроғо боҙға туңған бүре хәлендә түгелдәр инде һәр хәлдә». «Теләкһеҙ башҡарған шөғөлдән ҡыйын нимә юҡ, баланы яратмай тороп уға нисек ғилем һеңдермәксеһең? Үҙеңде, башҡаларҙы алдап йөрөгәнсе, ауырымаған яғыңа ят, ҡыҙым», – тигәйне. Яуап тағы ла Сәғиҙәһенә оҡшаманы, үпкәләгәндәй һыртын ҡуйҙы ла аҙаҡтан бер ни тиклем ваҡыт тырҫ та бырҫ йөрөнө. Аңламаҫһың, ыңғайға һыпырыуҙы ла ҡабул итмәй хәҙерге йәштәр, кирегә ҡайырып әйтһәң дә оҡшамай. Бынау, әле эргәнән терәлеп үткән балалар, ябай әҙәпте белмәгәстәр, шул йөкмәтелгән вазифаһын минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе, тип башҡарған мөғәллим тәрбиәләгән уҡыусыларҙыр. Хәйер, күрмәһә күрмәйҙәрҙер: тамыры аҡтарылған ағас менән кипкән әбейҙең кемгә хәжәте бар? Уларға кәмит кәрәк, мөғжизә кәрәк! Тиҙҙән был яҡ йылға буйы бушап, тынып ҡалды, теге ярҙа ла ситтән килеп ял итеүселәр күренмәй. Шуны ғына көткән Гөлбикә ҡарсыҡ бөксәңдәп ҡалҡты ла тағы ла бер тапҡыр шау һөйәк бармаҡтары менән өйәңкенең ҡайрылары ҡалтайған олонон һыйпаны. Әллә хушлашыуы булды, әллә бәхилләшеүе… Башындағы яҙып ябынған һарғылт сәскәле яулығын төҙәтештерҙе, ҡулына шымарып бөткән имән таяғын алды. Теүәлләп бөттө шикелле бар мөлкәтен, инде ҡуҙғалһа ла була. Был күрмәлекһеҙ яулыҡты үткән йыл Ришат кейәүе баҙарҙан алып ҡайтып япҡайны. Әллә һуҡмышлығынан шулай эшләне, әллә күңеленә аҡлыҡ килде. Кейәүе алып ҡайтҡанын йомарлап уның алдына быраҡтырҙы ла ситтәренә эрен ҡатҡан шешмәк ҡабаҡлы күҙҙәрен секрәйтте: «Мә, түщщә, паҙарык! Күр кейәүеңдең йомартлығын! Фәритең бүләк биреү түгел нисә йыл ҡайтып күренгәне лә юҡ, зимагор. Сәғиҙә Мөхәммәтовнаны ла, мине лә ихтирам итмәй, әҙәмгә хисапламай йәнәһе, ҡыутомшоҡ! Ни тиһәң дә икенсе батянан шул, икенсе ҡан, икенсе йән… Әйт-кәндәй, кәнтәй бит һинең ҡыҙың, холҡо йәш саҡтағы ҡайынбикәгә тартҡан, әгәр мин тотоп килмәһәм, әллә ҡасан директоры аҫтына ятып, уның менән һөйрәлеп йөрөр ине. Тучныһын әйткәндә, мин генә тотам хәзәйствоны, һинең йыбытҡың түгел, вот… Граниттан да йүн сыҡманы сәбәкә, урам ҡыҙыра, һантыйланып. Биғәйбә, күп лыбырҙайым шикелле, короче, мин һиңә һуңғы тиндәрҙе йыйып паҙарык алып ҡайттым, ә һин пинсиәңде алғас, байрам итеп, тамаҡ сылатып алырлыҡ аҡса тамыҙырға онотма!» Ҡиммәткә төштө ул бүләк, бер эсә башлаһа бер-ике яртыға мөрхәтһенеп туҡталамы һуң кейәүе?.. Одеколондан башлап тәҙрә таҙартҡыс шыйыҡсаға ҡәҙәр ҡуймай, улары бөтһә, ауылдаштарҙың теңкәһенә тейеп урам буйлап теләнселәй, хәйерселәй, оялмағанын әйт. Тормозы ысҡынһа, өйҙә лә тынғылыҡ бөтә. Бер көн ярһып ҡайтып инде лә, айыҡтың уйында, иҫеректең телендә тигәндәре раҫтыр, теге мәктәп директорын иҫенә төшөрөп ғауға ҡуптарҙы. Сәғиҙәһе хужаһын яҡлап һүҙ әйткәйне, тегегә етә ҡалды, ҡатынының яғына суйын сүместе алып елгәрҙе. Ҡаҡ маңлайға барып эләкте теге нәмә. Баш тиреһе ныҡ ҡанай бит ул, сәсрәп ҡан атылды. Гранит ҡойроғон бот араһына ҡыҫҡан ҡурҡаҡ эттәй сығып һыҙҙы. Ә ул илай-илай яулығын һыпырып ҡыҙының яраһына баҫты. Яҡлашыуҙы яратмаған кейәүе ҡоторған үгеҙҙәй уның өҫтөнә ябрылып килә башлағайны, кинәт аяғөҫтө баҫып ҡулына таяғын эләктерҙе: «Етте, кейәү! Кәрәк саҡта беҙ ҙә елле, буйтлы итеп, һеңдергәнсе тондора беләбеҙ! Тағы ла бер аҙым яһаһаң - бынау таяҡ менән мейеңде сәсрәтәм, билләһи! Инде бынан бүтән баламды рәнйетергә бирмәм, мин йәшәремде йәшәгәнмен, ғүмеремде ҡурсып ҡурҡыр ерем юҡ! Йә, яҡынла!» Бындай тәүәккәл ҡаршылыҡты көтмәгән кейәүе баҙап ҡалды башта, шунан: «Ҡоторған мәскәй, булыр һинән!..» – тип мығырҙанып урынында тапанды ла асыуына сыҙаша алмай ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙрәне осора тибеп сығып китте. Ғәҙәт ҡаламы, ошо сәкәләшеүҙән аҙаҡ енләнһә енләнде, мәгәр уның алдында Сәғиҙәһенә башҡаса ҡул күтәрергә йөрьәт итмәне. Шунан бирле башынан һалғаны юҡ ошо яулыҡты. Ни тиһәң дә ҡыҙының ҡаны һеңгән нәмә бит ул! Гөлбикә ҡабаланмай ғына, абайлап баҫып атлай. Тубыҡ быуындары ҡатты шул һуңғы ике йылда, шул арҡала аҫҡаҡҡа әүерелде, һыҙланыуы теләйме-юҡмы, таяҡҡа таяндырҙы, ә ауырыуының сәбәбе - һауынсы булып эшләү касафатылыр, ҡыш буйы иҙәнһеҙ, һалҡын һарайҙа резина итек кейеп шыйыҡ тиҙәк кисеү ни ҡуйһын! Ҡайтарырға ине лә һуң элекке өтә баҫып йөрөгән йылдарҙы, мөмкин түгел. Атлауы етеҙ булған хәлдә лә ҡайҙа ашығырға, ҡыуанып сабыр ергә йыйынмай. Теге йылды Һаҡмарҙың боролошон үҙгәртеп, тар урынына күпер һалырға тырышып күпме ҡыялдылар, һөйләүҙәренә ҡарағанда һанһыҙ аҡса, бихисап сығымлы хеҙмәт түгелгән, ә ул ни борғаланырға теләмәй үҙенең ғүмер баҡый һалған ташлы һуҡмағын буйлатып аға бирә. Тик шуныһы - ҡан баҫымы кәмеп тәнгә һеңеп батҡан нәҙек тамыр ише әүәле алҡынып ятҡан йүгерек тулҡындар һиҙелеп үҙәнгә тартылған, ике яҡ ярға, элек һыу төбө булған ергә тумалаҡ таштар түшәлгән. Кесерәйгән, мөсһөҙләнгән йылға. Уның бында килеп урамағанына ла байтаҡ йылдар үтте шул. Һауынсы булып эшләгәнендә Әлмөхәмәт туғайында йәй буйы ҡыуышта йәшәйҙәр, ауылға ла ике-өс көнгә бер ҡайтып күренә, кәртә-ҡураны байҡап, мал-тыуарҙы теүәлләп, балаларының ашарына хәстәрләп китергә кәрәк. Ярай өс баланы ҡул араһына ингән Фәриҙәһе ҡараны, былай булһа ҡайһылайтып йөрөмәк. Хәтмулла менән йәшәй башлағас, Фәрите тыуғас, кантораны йыйыштырып эшләп алды бер аҙ, барыбер был шөғөл йәненә ятманы, ауыр булһа ла өйрәнгән һөнәренә, һыйырҙарына кире ҡайтты. Шулай ҙа тол саҡтағылай йәйгеһен йәйләүҙә ҡуна ятып эшләү мөмкин түгел ине, ауыл менән йәйләү араһында йүгермәләп өлгөрөргә тырышты, сөнки йорт тирәһенә генә түгел, кескәй Фәриткә лә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк бит әле. Хәтмуллаһы ни эшенә ҡара таңдан сығып китә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә, ә яҙлы-көҙлө тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙарҙа йөрөй. Арҡырыға-буйға ҡыҙырҙы был ерҙәрҙе, һәр туғайын, һәр ағасын яттан белә, аяҡтарында көс барҙа туғайҙарында йәйен еләк, бөрлөгән, көҙөн муйыл, балан тирҙе. Һыу буйлатып туранан тартһаң Муйыллы Туғайға барып сығаһың, уңға ҡайырылып бер һыуһын ер китһәң Баланлы Үҙәк, Сейәле Түң, ары Ат Сапҡан. Уйланып килә торғас сөңгөлгә килеп төртөлгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Килде лә көтөлмәгәнлектән ҡатты ла ҡалды, йоҡа иренле тешһеҙ ауыҙынан: «Ләхәүлә… ки-тсе… булмаҫ!..» тигән өн һығылып сыҡты. Борон-борондан бар әҙәмдең ҡотон алып ятҡан төпһөҙ ятыу булыр-булмаҫ быуаны хәтерләтә ине. Теге саҡта утынлы санаһы һаҡҡан тал ҡыуағының тапҡыры хәҙер лапыланып йылғанан был яҡҡа ҡарай хәтһеҙ ара шылған, ә тауыҡ кисмәле генә һыу йәйелгән яр буйын яҫы япраҡлы ҡапырыҡ, өйкөмләнеп күренгән ҡамыш ҡаплаған. Бар ине бит был сөңгөлдөң дә ҡеүәтле, ажарлы саҡтары! Күпме кешенең, мал тыуарҙың башына етте. Асмәйел дә булды үҙе, бер ҙә ҡорбанын кикереп кире өҫкә ҡалҡытманы, осто-гүҙе йотто. Мал юғалһа, сөңгөл алғандыр, тип эҙләмәнеләр ҙә, кеше ғәйеп булһа һырғый һайғау менән, рәт сыҡмаҫын белә-күрә, сараһыҙлыҡтан, һыу төбөн көргөп мәшәҡәтләнделәр. Аптырағас әпкилеп әсетеп бешерелгән икмәк йөҙҙөргән булалар. Йәнәһе лә сөңгөл икмәкте өйрөлтөп йота ла батҡан мәйетте сығара инде. Ҡайҙа ул, тере йәнде йоторға һәләтле ятыу түтәрәм икмәккә мөрхәтһенәме! Юҡҡамы ни ун-ың эргәһенән ҡурҡыныс нимәнән һипһенгәндәй ситләтеп үтә торғайнылар. Уйл-ап ҡараһаң бәләкәй йылғаның да шундай хәтәр урындары булыуы ғәжәп, бында ла бит өҫ яҡтан көтөү арғы туғайға сығып йөрөмәле ер бар, ә аҫ яҡта, Ҡаулан туғайына сыҡҡан ерҙә, ҡырсынташлы ярға оло юл килеп төртөлгән кисеү. Онға ҡытлыҡ башланды бер осор, ни сәбәптәндер күрше Ивановка утарындағы тирмәнде лә туҡтаттылар, бар халыҡ кибеттәгенә ҡарап ҡалды. Унда ебәргәндәре лә размол: бойҙайға ҡушылған кукуруз, борсаҡ, арыш ҡатнашмаһы. Күрше Байғужа ауылында магазинда эшләгән әхирәте һинең өсөн бер тоҡ ҡалдырҙым, тигәс, ферма мөдиренән рөхсәт алып, киске һауынға урынына кеше ҡалдырып, ҡул санаһын һөйрәп шунда китте. Хәтмулла атына ултыртып, һә тигәнсе елдереп кенә алып барып килер ҙә ине, ғорурлығына барып, уның ихатаһында егеүле атты күрһә лә өндәшеп торманы. Яңы ғына ҡырпаҡ ҡар ятҡан ноябрь башы, атлауға еңел булһа ла кире боролғансы эңер төштө, шуға тиҙерәк ҡайтырға теләп кисеүҙән түгел, туранан тартты ла, әллә көҙгөләй ялтыр боҙҙоң ныҡлығына ышанып, әллә яһиллығына барып ятыуҙан аша тартты. Был ниндәй әрһеҙ, тигәндер, ғәйрәтле сөңгөл боҙ ҡоршауын сатнатып асып шундуҡ уның ярты кәүҙәһен һоғона ла һалды. Ай-һай, ҡайһылайыраҡ алышҡайнылар ике еңмеш, бәйелһеҙ упҡын уны еңел генә йоторға итә, йәш, беше кәүҙә бирешергә теләмәй. Өҫтөнә кейгән кейеме тиҙ генә һыу һеңдереп таштай ауырға әйләнде, шуға нисек етте шулай, аяҡтары ярҙамында быймаларын систе, шунан тырыша торғас фуфайка, дебет шәленән ҡотолдо. Кәүҙәһе күпкә еңеләйҙе, әммә боҙло һыу һалҡынлығы менән тәнде өтә, ҡороштора, бындай шартта 10-15 минутҡа ғына сыҙаясаҡ, тимәк, уларҙың алышына ла шул саҡлы ваҡыт бүленгән, йә ул ятыуҙы еңә, йә ул мәңгегә сөңгөл төбөнә китә. Ҡапыл ғына күҙ алдына Мөхәммәтенең һабантуйҙағы көрәше килеп баҫты: нисегерәк алышҡайны бит ул, беләгендәге көсөнән бигерәк рух көсө менән алдырғайны, бына хәҙер уға ла сират етте. Башын юғарыға сөйөп йондоҙҙар емелдәшә башлаған күк йөҙөнә ҡараны, ошоғаса иғтибар ҙа итмәгән, сикһеҙ Йыһан үҙе төпһөҙ упҡынға оҡшаған икән дә баһа, ана шул ҡарағусҡыл зәңгәрлеккә сумырға теләмәгән йондоҙҙар Йыһан битенә һаҡҡандар. Юҡ, ул да бирешергә тейеш түгел, йәшәү өсөн көрәшергә, еңергә, балалары хаҡына булһа ла йәшәргә тейеш! Бар көсөнә, алдындағы боҙ ҡатлауын ярып алға ынтылды, тағы, тағы… Яр ситендәге һыуға эйелгән тал һәрпендеһенә лә етергә күп ҡалманы, ул бер үк ваҡытта үрелеп алмалы ғына, бер үк ваҡытта һонолоп етмәҫлек алыҫ. Тал сыбығы фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһына сират күпереләй тартылған, уға йәбешеп өлгөргән хәлдә генә ул тере ҡаласаҡ. Аҡтыҡ көсөн йыйып ынтылды һәм ҡулына үҙенән үҙе йомшаҡ ҡайыш килеп йомарланды. Гөлбикә Хәтмулланың күреп ҡалып яҡынлауын да, уға бил ҡайышын һоноуын да абайламаған. Бригадирҙың бында эңер мәлендә тороуы бер ҙә осраҡлы булмаған, уны юғалтып ғауғалашҡан балаларҙан белешкән дә ҡаршыһына елдергән. Ир уны ауырлыҡһыҙ ғына һыуҙан тартып алды ла тиҙ генә саналағы толопҡа төрөп ауыл яғына ҡарай елдерҙе. Манма һыу булып ҡайтып ингәс, ни-сегерәк үрһәләнеп сеңләгәйнеләр кескәйҙәре. Хәтмулла тиҙ генә мунса яғып ебәреп уны бөтөрҙө лә йәнә бала ише күтәреп шунда алып барҙы, уның йыуыныуын соланда көтөп ултырып торҙо. Өйгә алып ҡайтҡас, балаларҙың аптыраулы ҡарашына ла иғтибар итмәй, бер шешә араҡыны боҙоп шуның менән уның аяҡ табандарын ыуырға керешеп китте. Бирешмәне алай ҙа, аҙна самаһы еңелсә тымауланы ғына. Иртәгеһен Хәтмулла ферманан ҡайтышлай тап булды ла: «Хәлдәрең нисек?», тип әҙәпле йылмайып ҡуйыу менән сикләнде. Үҙен шул минутта, шул тиклем дә бәхетле итеп тойҙо: «Уны яҡлаусы, һаҡлаусы, ҡурсыусы кеше бар бит был донъяла!» Шул кистә тыңлауһыҙ аяҡтары Хәтмулланың өйөнә ҡарай тарттылар, тәҙрәләрҙә ут һүнһә лә ул уны көткәндәй ишегенә бик һалмағайны. Кисәге боҙло һыуҙа тулғанған кәүҙәһе шул кистә ялҡынлы, арбатҡыс, һуштан яҙҙырғыс ҡосаҡҡа сумды, тормош тигәнен бер боҙға, бер ялҡынлы утҡа ырғыта шул шулайтып. Хәтмулла ярҙам итмәһә, үлемесле ятыуҙан ҡотолор инеме икән? Һуңынан ошо хаҡта ҡат-ҡат уйланды. Тере ҡалыр ине, һис шикһеҙ тере ҡалыр ине. Өс балаһын яҙмыш һынауына ташлап, уның үлеп ҡалыуы мөмкин инеме һуң! Балаларының ихлас, эскерһеҙ теләге әрсәләп алып ҡалды әжәлдән, уларҙың һөйөүе ҡотҡарҙы. Хәҙер күргеләре лә килмәй, ҡыуалап унда-бында тинтерәтәләр… Әҙәмде мөхәббәт йәшәтәлер был донъяла, һөйөү уны кеше итәлер, мөхәббәттән мәхрүм ҡалғандар ҡартая һәм үләлер. Һалҡын мөнәсәбәт уны бер нисә йылда бәлйерәгән әбейгә әүерелдерҙе, быуынын алды, йөҙөнә юйылмаҫ хәсрәт тамғаһын һалды. Күреп йөрөй бит, 80 йәштән уҙғандар ҙа уға ҡарағанда күпкә теремегерәк күренә, сөнки күҙҙәрендә өмөт осҡоно яна. Ә уның йөҙөндәге нур һүнде, киләсәккә ышанысы һүрелде. Һәр кем, ғүмере буйы, бәхетенә илткән һуҡмағын бүлгән даръяларҙы еңергә теләп хыялынан күпер төҙөй, ә ул ҡом һарайҙай ишелә. Бирешергә теләмәй кеше, аҡтыҡҡы көсөн йыйып тағы йәбешә башлаған шөғөлөнә, тағы, тағы… Бик һирәктәр генә ирешә моратына. Бик һирәктәр. Күптәр ғүмере ахырында ярыҡ ялғаш алдында һемәйеп тороп ҡала. Ул да шундайҙар ҡоронда. Хәҙер бына үҙ теләге менән сөңгөлдөң ҡосағына ташланырға килде. Был ятыуға бирешмәй тере ҡалған берҙән-бер тере йән ине бит әле ул! Әзмәүерҙәй ир-ат ҡотола алманы, ә ул ҡотолдо һәм тере! Әйҙә йотһон сөңгөл, был юлы үҙе теләп еңелә. Теге саҡтағылай ҡаршылашмаҫ, тыпырсынмаҫ, зәңгәр күккә төбәлеп талпынып бағып яҡты донъя менән бә-хилләшер ҙә һыу төбөнә китер. Тик сөңгөлдөң айбарлығы күренмәй бит әле, уны йоторлоҡ рәте тойолмай. Гөлбикә әбей ятыу һыртындағы ҡалҡыу урынға улай-былай итеп менде лә, бер аҙ хәл алырға тип яр ситенә ултырҙы. Хәҙер башындағы яулығын һыпырыр, имән таяғын эргәһенә һалыр, ҡабаланмай ғына үҙенә ясин сығыр, шунан ғына сөңгөл өҫтөндә ҡалҡҡан таш сусаҡҡа яҡынлар… …Ярай, һыуға ташланып үҙ йәнен үҙе алды ла икән ти, аҙаҡтан нимә булыр? Медпунктҡа үкелгә, дарыуға тип барғандар йөҙөнә бәреп әйтеп Фәриҙәһенең күҙен дә асырмаҫтар бит, ә Сәғиҙәһе ниндәй дәлилдәр килтереп аҡланыр икән? Ул бит ни тиһәң дә мөғәллимә кеше, балалары алдында ни йөҙ менән баҫып торор, һорауҙарына нимә тип яуап бирер? Ҡартайғайны шул, аҡылға һайыға башлағайны, шуға шундай аҙымға барған, тип яуаплар микән? Хәбәр Өфөгә барып олғашыр, Сәғите эшләгән уҡыу йортона ишетелер. Әллә ниндәй дәрәжә яҡлайым, тип йөрөй ине бит ул. Уларҙа йәшәгәнендә ваҡыты тығыҙлыҡтан эргәһенә ултырып һөйләшергә лә форсат тапманы, әйтерен дә сүселдәк бисәһе аша еткерә ине. Хәбәр Сәғиттең етәкселәренә барып ишетелһә уға ынтылған дәрәжәһен бирмәүҙәре бик тә ихтимал. Тимәк улының артабанғы яҙмышына кәртә ҡуя түгелме уның был аҙымы? Фәритенә лә хәбәр итерҙәр, итмәй ҡалмаҫтар. Алыҫ тарафтарҙа йөҙөүҙә йөрөһә ҡайта алмаҫ та әле. Кинйә булғанғамы Фәрите уға нишләптер яҡынынраҡ, ул да уны үҙ күрә шикелле. Анау йылды теге түлһеҙ мәрйәһен эйәртеп ҡайтып ауылда ике аҙна самаһы ял иткәйнеләр, шул саҡта Фәрите эргәһенә ултырып: «Мам, ты такая хорошая, добрая, живи долго… А мы каждый раз будем приезжать!» – тигәйне. Теге, гелән ярым-яланғас йөрөргә яратҡан, тыу бейәләй уйнаҡлап торған, буяҡтан ғына хасил йөҙлө, ерән бөҙрә сәсле мәрйәһе лә үтә алсаҡ. Нимә тигәйне әле: «Бабушка не горюй, вот твой сын выйдет на пенсию, угомонится, мы тебя обязательно заберем в город, будешь жить у нас!» – тигәйне. Улының пенсияға сығырына ла байтаҡ ҡына ваҡыт булһа ла, ярай, әйтеүҙәренә рәхмәт, тип ҡыуанғайны шул саҡ. Төпсөгөм алып китәм, тип ныҡыша, бармаҫҡа булдым, ят тарафты, ғүмерҙә күрмәгән диңгеҙ ярын үҙһенә буламмы, тип маҡтанып әхирәттәренә һөйләп тә йөрөгәйне. Шул Фәрите ҡайтып төшөр, ауылдаштарының йөҙөнә нисек ҡарар? Оялыр. Ояты ни тора, әлегә әбей-һәбейҙең ошондай юл менән яҡты донъянан киткәнен ишеткәне юҡ әле. Араҡынан баштары маңҡортланған, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан йәштәр саҡ ҡына уйлап ҡарамай баштарын боғалаҡҡа тығалар бөгөн. Аптырарһың уларға, йәшәй ҙә башламағандар, ә көн итергә, тормош көтөргә тырышып сәбәп ҡылырға теләмәйҙәр. Ауылдарынан ике йөҙҙән ашыу ир-ат фронтҡа, ил һаҡларға китте. Шуларҙың яртыһынан күбе яу ҡырында, сит яҡтарҙа ятып ҡалды, исемдәре ауыл Советының эргәһенә ҡуйылған обелискыға уйылған. Ә бит, эсеп, йә үҙ-үҙҙәренә ҡул һалғандарҙың һаны уларҙан ике-өс тапҡырға артып китте. Унан ҡалһа анау Кавказ яғынан ҡурғаш табуттар ҙа килгеләп тора. Аңламаҫһың бөгөнгөнө, үләт төштөмө икән әллә йәшәйешкә? Йәш-елкенсәк даланан маҡсатһыҙ тәгәрәгән ҡамғаҡ ише аңҡы-тиңке килеп йөрөй-йөрөй ҙә бер килкеһе ҡалаға китеп олаға, ҡалғандарының яҙмышы бер иш - йә араҡыға янып, ағыуланып һәләк була, йә баяғылай ҡыланалар. Өйләнеп әҙәмсә тормош көтөргә теләүселәре һирәк, һәүеректәр инде, һәүеректәр, тоҡом ҡалдырырыға хәлдәренән килмәгән, өйөр тарафынан ситкә тибәрелгән, етлекмәгән айғырҙар! Әүәле ирмен тигән ир йә кәләшлеккә ҡыҙ, һис юғында ат урлаған. Ә былар… Ниңә алыҫтан эҙләйһе, Фәриҙәнең өлкән малайы Гранит нимә ҡылана һуң! Исемен дә тапҡандар бит әле, йә башҡорт түгел, йә урыҫ түгел, тигәндәй. Исем ататыр алдынан малайға Искәндәр, тип ҡушайыҡ, тип күпме әйтте, тыңламанылар. Иҫкергән исем, тигән булдылар. Хәҙер исеменә есеме тап килә, йә белеме юҡ бының, йә ҡулынан ҡул ярыһы эш килмәй, ҡоҡана инде, торғаны ҡоҡана! Иртәнсәк сығып китә лә кис ҡараңғы төшкәс, лаяҡыл иҫерек ҡайтып инеп ауа. Атаһына ҡушылып кәйеф-сафа ҡороуға хирес. Ҡырағаһыҙ былай, ҡаты таш исемен йөрөтһә лә боламыҡ бер йән эйәһе шунда. Эсеп алһа, күлдәген һалып Чечняла янған арҡаһын күрһәтеп иларға тотона: «Тәнемде генә түгел, йәнемде лә шул ҡәһәрле һуғыш яндырҙы! Ҡәҙимге йәшәгеһе, ҡатын иркәләгеһе, бала һөйгөһө килмәй бының, тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, мин дә кеше, минең дә әҙәмсә көн иткем килә!..» Бер тапҡыр бәҙрәфкә бикләнеп аҫылынып та маташты. Ваҡытында абайлап ҡалып төшөрөп алдылар. Байтаҡ ҡына эленеп торғандыр күрәһең, хәҙер иҫе лә инәле-сығалы булып һантыйланып ҡалды. Шул бәләнән һуң да улар хаҡында бер килке геү килеп ғәйбәт һатҡайнылар ауыл бисәләре. Инде ул шулайтып, ҡартайған көнөндә һыу мейеләй ҡыланып яҡындарының йөҙөнә ҡара яҡһынмы?.. Ярамаған хилаф ҡылыҡ был! Уларҙың быуыны бит икенсе ҡамырҙан әүәләнгән, хәҙергеләр ише шыйыҡ, тотанаҡһыҙҙар затынан түгел. Яҙмыш алдына бихисап һынауҙар ҡуйҙы, һыуыҡта ҡороштороп, эҫелә ҡатырып, иңдәренә ауыр хеҙмәт һалып һынаны. Шул заманда бирешмәгәнен, инде килеп еңелеп ятырғамы? Юҡ, тағы ла бер тапҡыр юҡ! Ә ары нисек йәшәргә? Нисек?! Ҡарттар йортона барырғамы әләйгәс? Гөлбикә ҡарсыҡ хәтһеҙ ваҡыт ойоғандай, онотолғандай ултырҙы ла кинәт зиһенен йыбырлатҡан өмөтлө уйҙан тертләп китте: «Нишләп ошо аҡыл бығаса башына килмәгән?! Ә ул тотошлайы менән гөнаһҡа батырға самалай!..» Һуң бит уның һатылған өйө буш тора ла! Теге Сатан Зәбирҙең арҡыры ятҡанды буйға һалырға эшкинмәгән төпсөгө Әхмәҙей мейесһеҙ өйҙә йәйге осорҙа ғына йәшәне лә көҙ һалҡындар төшкәс, тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡталар ҡағып, ғаиләһен алып ҡалаға китеп олаҡты. Ҡайтып күренгәне лә юҡ, шунда ятаҡҡа урынлашып ҡарауылда эшләп йөрөй ти. Зәбир ҙә ул йорт хаҡында бөтөнләй онотто шикелле, сөнки ҡайтанан һатырлығы ҡалмаған уның. Яртылаш ергә һеңгән, таҡта ҡыйығы иҫкереп ҡарайып урын-урыны менән күгәреп бәшмәк төшкән хараба бигерәк күрмәлекһеҙ шул. Ошондай хәлдә кемдең күҙенә эләгер тиһең, ауылда бынамын тигән тиҫтәгә яҡын өй һатылмай тора. Хәҙер бит бөтәһе лә рәхәткә, ҡалаға ынтыла, уйлап та тормай нигеҙҙәрен ташлайҙар ҙа китәләр. Бындай барыш менән барһа бер ун-ун биш йылдан ауылдың урыны ғына тороп ҡаласаҡ. Ауылдар бөтһә кем туйындырыр икән халыҡты? Шул торлағы уның ғүмеренә етер ине әле, аҙмы-күпме йәшәре ҡалған. Иртәгә барып шул хаҡта силсәүит рәйесенә әйтер ҙә ябыныр-яҫтанырын алып күсенер ҙә сығыр, ә теге бүҫелгән солан ҡыйығын моғайын Хәлфетдин кейәүе төҙәтеп бирер. Рөхсәт итмәһәләр ҙә күсенер, хәләл көсөн түгеп Мөхәммәте менән һалған өйө! Үҙаллы йәшәй башлаһа, бәлки, балаларының да уға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрер. Инә ҡорт умартаны ташлап китһә башҡа ҡорттар ҙа тырым-тырағай таралып бөтәләр түгелме? Ҡайтһын әле үҙ йортона, тәҙрәләрен иртәнге ҡояшҡа асып ебәрһен, хәҙер йәмләнеп китер тормошо. Йәнә теге ҡумталы сәғәтен эшләтеп ебәрер, әйҙә күңелле, өмөтлө итеп хисаплаһын ваҡыт ағышын. Ҡот, йәм ҡайтыр шул саҡта тупһаһына. Ишетеп ҡалһа әллә ҡайҙа ил гиҙгән Фәрите ҡайтып төшөр, бәлки. Яңғыҙ ҡалмай ҙа, һыртынан ҡарап торорға Фәриҙәһе, Сәғиҙәһе ҡыуанып риза булырҙар. Йәй һайын Сәғите ғаиләһен эйәртеп Фәриҙәгә ял итергә ҡайтҡан була. Ни тиһәң дә ят донъя бит, аҙна самаһы ғына булалар ауылда. Ә бында бит үҙ өйҙәре, миңә тимәһә, йәй буйы тотҡарланһындар, уның өсөн дә ҡыуаныс ҡына буласаҡ. Силсәүит менән колхоз бүлексәһе моғайын утынһыҙ итмәҫ. Уның шайы ғына булашыуҙан баш тартмаҫтар, заманында колхозды күтәрәм, тип ни һан «таяҡҡа» эшләп йөрөнө. Шул таяҡтарҙы әйҙә бөгөн утынлата ҡайтарһындар, хатта уның менән генә лә хисаплаша алмаҫтар әле. Башына килгән иҫ китмәле фекерҙән дәртләнгән ҡарсыҡ кинәт урынынан ҡалҡты ла башын ҡайтыр яҡҡа ҡайҡайтты, ҡарашын юлдың уң яғында ағарып күренгән Аҡбейек ҡаяһына йүнәлтте. Матур ҡая, мәғрур ҡая! Әллә ҡайҙан күренеп, бар-тирә яҡты йәмләп күктәргә олғашҡан! Тормош матурлығына дан йырлаған тәбиғәт һәйкәле! Уның башына Мөхәммәте менән өйләнешкән йылы менгәйнеләр. Ауырыумын тимәй ире алдан төшөп алған булды, ул арттан көлә-йылмая эйәрә. Баш осонда бәхет ҡояшы нурҙарын бөркә… Гөлбикә ҡарсыҡ ҡайтыр юлынан янтайып уң яҡҡа ҡайырылды ла Аҡбейеккә ҡарай йүнәлде. Ыҙаланһа ыҙаланды апаруҡ текә түбәгә менеп етте тәки. Һоҡланыулы ҡарашын ян-яҡҡа атты. Ана, түбәндә уны еңә алмаған сөңгөл ята. Бейектән ҡарағанда ул ҡойто ғына һоро буҫтау киҫәген хәтеләтә. Ҡая өҫтөндә яулығы, таяғы онотолоп ҡалған. Ауыл яғындағы һуҡмаҡтан өс-дүрт кешенең былай табан йүгерә-атлай килеүҙәре күренде. Таныны: Хәлфетдин кейәүе, Фәриҙә, Сәғиҙә, Гранит ейәне… Бынан улар себендәй, бахыр бөжәктәрҙәй генә булып күренәләр. Йыбырлай-йыбырлай сөңгөлгә ҡарай йүгерҙеләр. Фәриҙәһе яулыҡты, таяҡты ҡулында алды ла ятыу яғына төртөп күрһәтте. Әсәйем батып үлгән, тип сәрелдәйҙер әле. «Яңылышаһың, ҡыҙым, әсәйеңде һин белеп бөтөрмәйһең әле!.. Минең ҡояшым байымаған, уға байырға иртәрәк!» Бына улар бер юлы ҡая яғына әйләнеп баҡтылар ҙа йәшен атҡандай ҡаттылар ҙа ҡалдылар. Гөлбикә ҡарсыҡ та ҡалҡынды, уның ирендәре ситенә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу сатҡыһы ҡунды. Шул мәл ел иҫеп ебәреп күлдәк итәктәрен ялпылдатты. Ул ситтән ҡарағанда күпте күргән инә бөркөттө хәтерләтә ине.
Сараға үлгәндәрҙең тоҡомдары, ауыл халҡы һәм мәктәп балалары йыйылды. Китапханасы Гөлназ Әхмәтханова ошо ваҡыттағы тарихты һөйләп үтте: “1918 йылдың июнь айында яман уйлы мосолмандарҙың ҡотҡоһона төшкән күп кешеләр күҫәктәр, тәртешкәнән эшләп алынған һөңгөләр менән ҡоралланып, тирә-яҡ ауылдарҙан Мәсетлелә волость алдына сходҡа йыйылғандар. Аҙыҡ әҙерләү комиссияһы рәйесе Ҡотдос Кәримов трибуна урынына ҡуйылған мискәгә күтәрелеп, тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорап өлгөрмәй ҙә ҡала, Баймөхәмәтовтың: “Большевиктарға үлем, комитет ағзаларын язаларға”, – тигән әмере буйынса шунда уҡ халыҡ гөж килә. Шулай итеп боланың тәүге көнөндә, 18 июндә, 20 кеше үлтерелһә, артабанғы өс көн дауамында кулак яҡлылар эҙәрләү комиссияһы төҙөп, тағы ла 34 кешене төрлө ауылдарҙан эҙләп табып, күбеһен Мәсетлегә килтереп, үлтерә. Бөтә ҡорбандарҙы Биҙәр тауындағы соҡорға ташлайҙар. Бер йылдан һуң ғына совет кешере кулак фетнәһе ҡорбандары мәйеттәрен ауылға ерләй. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң дыуан-мәсетлеләр ауылдың тәүге большевиктарының иҫтәлеген мәңгеләштерергә һәм туғандар ҡәберлегенә һәйкәл ҡуйырға ҡарар итә”. Хәтер кисәһендә Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Мәғәмүр Ханнанов, сараны ойоштороусы уҡытыу-сы-ветерандар Дим Ишбулатов, Земфира Сафина, мәктәп музейы етәксеһы Данис Ғәлимов сығыш яһаны. Улар булған ваҡиғалар тураһында әрнеү менән һөйләне һәм ошондай хәл бер ҡасан да ҡабатланмаҫ, тигән ышаныс белдерҙеләр. Метроном тауыштарына ҡатнашыусылар үлгәндәрҙе иҫкә алды һәм һәйкәлгә сәскә һалды. Һуңынан имам-хатип Ратмир Муллабаев ҡорбандар рухына доға ҡылды.
Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты М.Ғ.Рәхимов 1994 йылдың 27 майында тәүәккәл аҙым яһаны – Бөтә донъя башҡорттарының I ҡоролтайын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, нисәмә йылдар уҙғас, ата-бабаларҙың быуаттар һынауын үткән эш ысулы – ил менән кәңәш итеү йолаһы тергеҙелде. Тиҙҙән республикабыҙҙың барлыҡ райондарында, ҡалаларында һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә беренсе Ҡоролтайға делегаттар һайлау буйынса йыйылыштар уҙғарыла башланы. Тыуған яғымда - Ғафури районында - ойошторолған йыйында ҡатнашырға мине лә саҡырҙылар. Ундағы эшлекле һөйләшеү, ер, тел, мәғариф мәсьәләләренә ҡағылышлы ҡарар ҡабул итеү, милләтем, туған телем тип янып йәшәгән бер төркөм рухташтарым (Нияз Мәжитов, Илдар Шәйәхмәтов, Салауат Әбүзәров, Әлфиә Ғимаҙиева, Сафуан Шаһиев) менән бер рәттән яҡташтарымдың миңә лә беренсе тарихи Ҡоролтайға делегат булып барыу хоҡуғын биреүе бөгөн дә хәтер һандығымда һаҡлана. Бына башҡорт халҡының рухи-ижтимағи үҫешендә сағыу бер бит булып тарихта ҡаласаҡ 1995 йылдың 1 июне лә килеп етте. Өфөләге “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайы ысын мәғәнәһендә милләтебеҙҙең аҫыл ул-ҡыҙҙарын бер ҡорға тупланы. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҙур телмәр менән сығыш яһап, башҡорт халҡының тарихи үҫешенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны һәм аҫаба милләтте, уның туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү буйынса күреләсәк сараларҙы бәйән итте. Әйтәйек, тиҙҙән башҡорт теленең һаҡланышын һәм үҫешен хоҡуҡи яҡтан гарантиялаған “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” закон ҡабул ителәсәк, тигән һүҙҙәр ишетелеү менән, зал көслө алҡыштарға күмелде. Артабан ул: “Республикала башҡорт халҡының кәмей барыуы беҙҙе ныҡ борсой. Был ҡырҡыу мәсьәләне “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” дәүләт программаһы нигеҙендә хәл итергә кәрәк буласаҡ”, - тип билдәләне. 2 июндә Ҡоролтай эше секцияларҙа дауам итте. Миңә, ул саҡтағы “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәрриренә, “Башҡорт йәштәре проблемалары” секцияһының рәйестәше булыу бурысы йөкмәтелгәйне. Ул ғына түгел, “Башҡорт йәштәренең милли үҙаңы, белем алыуы һәм мәҙәни-рухи үҫеше мәсьәләләре” тип нарыҡланған доклад менән дә сығыш яһау насип булды. Йәш делегаттарҙың телмәрҙәрендә башҡорт теленә дәүләт статусы биреү, талантлы башҡорт йәштәрен Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына белем алырға ебәреү, ҡалаларҙа, райондарҙа башҡорт балалар баҡсалары, гимназиялар һәм лицейҙар асыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡыйыу күтәрелде. Атап әйткәндә, минең сығышымда яңғыраған “Башҡортостан хөкүмәте йәш ижадсылар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге премия булдырыуҙы хәстәрләһен һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте үҙәк урамдарҙың береһенә Салауат Юлаев исемен биреү мәсьәләһен хәл итһен ине” тигән тәҡдимдәрем, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡоролтай талабы булып тормошҡа ашты. Ҡоролтай ҡабул иткән резолюция нигеҙендә Бөтә донъя башҡорттарының Башҡарма комитеты төҙөлдө. Бынан тыш, башҡорт халҡының иҡтисади-социаль, рухи-мәҙәни үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында төрлө юғары даирәләргә бер нисә мөрәжәғәт ҡабул ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының беренсе ултырышында яңы ойошманың рәйесе итеп танылған ғалим-археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Н.А. Мәжитов һайланды. Ул ете йыл буйы етәксе булып эшләү дәүерендә, Башҡарма комитеттың эшмәкәрлеген яйға һалып, аппаратты рухлы һәм булдыҡлы белгестәр менән нығытып, Рәсәй төбәктәрендә ҡоролтайҙар төҙөп, улар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырып, Ҡоролтай тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Бөгөн, Ҡоролтайыбыҙҙың 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, беренсе Рәйесте ололоҡлап иҫкә алмау мөмкин түгел. Арҙаҡлы шәхес, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың исемен мәңгеләштереү юҫығында былтыр Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уның исемен биреүгә өлгәштек. Яҡын йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, башҡа тарафтарҙа ла (әйтәйек, Стәрлетамаҡ, Сибай, Силәбе, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙа ла) уның исемендәге урамдар барлыҡҡа килер әле тип өмөтләнәм. Тарихи йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайланыуымды үтә яуаплы бурыс итеп ҡабул иттем. Башҡарма комитеттың киң ҡырлы эшмәкәрлеген даими яҡтыртып барыу, милләтебеҙҙе борсоған проблемаларҙы матбуғат аша дәүләт органдары иғтибарына еткереү өсөн “Йәшлек” гәзитендә “Ҡоролтай тауышы” исемле махсус бит булдырыуға ирештек. Башҡарма комитет ағзаһы, эшҡыуар Иршат Аҫылғужиндың финанс ярҙамы менән “Башҡорт эшҡыуары” исемле гәзит нәшер итеп, милләттәштәребеҙҙе үҙ эшен асыуға, йүнселлеккә дәртләндереүебеҙ ҙә эҙһеҙ ҡалманы – башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр күпләп арта башланы. Артабан иһә “Башҡортостан” гәзитен етәкләгән йылдарҙа “Башҡорт донъяһы” махсус битен ойоштороп, донъяның төрлө төбәктәрендә ғүмер иткән милләттәштәребеҙ, улар башҡарған изге эштәр хаҡында һөйләй башланыҡ. Иң мөһиме – башҡорт матбуғаты Ҡоролтай ҡарарҙарын халыҡҡа еткереүҙә, уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡарма комитеттың ышаныслы трибуны-таянысы булды. Шуныһы һөйөнөслө: бөгөн дә республикабыҙҙың гәзит-журналдары ошо изге бурысты намыҫ менән үтәп килә. Сирек быуат элек халҡыбыҙҙың ихтыяжы ла, талабы ла булып тергеҙелгән Ҡоролтай, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡмаһын, бөгөн дә үҙ иңенә алған бурыстарҙы үтәү юлынан тайпылмай. Кәңәшле ил аҙмаҫ, кәңәшле тау ярыр, ти йәнә лә халыҡ. Үҙенең сал тарихында әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған халҡыбыҙҙың зирәк аҡылына таянып, Ҡоролтайыбыҙ, дәүләт органдары менән бер төптән эш итеп, артабан да милләтебеҙҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыр, XXI быуат һынауҙарын да уңышлы үтеп, тыуған еребеҙҙе, туған телебеҙҙе, динебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе килер быуындарға алып барып еткерер, тип ышанырға ғына ҡала. Ниязбай Сәлимов, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттарының 1995–2015 йылдарҙағы Башҡарма комитеты ағзаһы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Рифат уны башҡа бер ваҡытта осратмаҫмын тип уйланы. Ҡала бәләкәй шул. Юлдар киҫелешмәй булмай. Ҡыҙ егетте күрмәне, ә егет уны ситтән күҙәтте. Әммә янына барып һөйләшергә бер ҙә теләге юҡ ине, сөнки ҡасандыр өҙөлөп яратҡан һылыуҙың һалған йөрәк яралары һаман һулҡылдай... Рифат уны башҡа бер ваҡытта осратмаҫмын тип уйланы. Ҡала бәләкәй шул. Юлдар киҫелешмәй булмай. Ҡыҙ егетте күрмәне, ә егет уны ситтән күҙәтте. Әммә янына барып һөйләшергә бер ҙә теләге юҡ ине, сөнки ҡасандыр өҙөлөп яратҡан һылыуҙың һалған йөрәк яралары һаман һулҡылдай... Рифат менән Илүзә бәләкәй саҡтан дуҫ булдылар. Бергә мәктәпкә йөрөнөләр, дәрес әҙерләнеләр, буш ваҡыттарын да бергә, бер компанияла үткәрҙеләр. Егет уны үҙенең иң яҡын дуҫы, серҙәше итеп күрҙе, бөтә хис-тойғолары, уйҙары менән бүлеште. Үҫә төшкәс, Илүзәнең уға ғашиҡ булыуын һиҙһә лә, уны тик дуҫ тип кенә ҡабул итте. Шуға күрә Рифат тәүге тапҡыр мөхәббәт өйөрмәһенә сумып кисерештәре менән бүлешкәндә лә балалыҡ дуҫының йөрәгенә уҡ ҡаҙауын аңламаны ла. Ә бына Роза егеттең күңелен тәүге осрашыуҙа уҡ әсир итә. Үҙенең һылыулығы, сағыу ҡиәфәте, үҙ-үҙен тотошо менән. Рифат та күҙ һалмаҫлыҡ егет түгел, шуға күрә ҡыҙҙың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Розаның күҙ ҡарашынан уҡ уға оҡшауын һиҙгәс, егет ҡыҙ янына ашыға. Төнгө клубта улар кисте бик күңелле үткәрә. Үткер, сая ҡыҙ Рифатты шунда уҡ фатирына алып ҡайта. Һәм был өй уларҙың даими осрашыу урынына әйләнә. Ә ял көндәре Роза, әсәйем янына ҡайтам, тип китер була. Был ваҡытта инде Рифатты һағыш баҫа. Бер ваҡыт үҙенең хистәрен ул балалыҡ дуҫы Илүзә менән бүлешә. - Рифат, һин бер ни ҙә белмәйһеңме ни? Ҡала бәлә-кәй генә кеүек... - Ә нимәне мин белергә тейеш? - тип аптырай егет. - Һинең һөйгәнеңдең нимә менән шөғөлләнеүен береһе лә еткермәне? Рифат күҙҙәрен дүртлән-дереп Илүзәгә ҡарай. - Һиңә әйткем килмәгәйне, әлбиттә, юғиһә, ғәйбәт йыйып таратаһың, тиерһең... - Әйтә башлағас һөйлә инде? - тип асыулана Рифат, ә үҙенең күңеле өшөй төшә. - Илүзә бит оло бер бай ирҙең һөйөркәһе. - Ышанмайым, был ысын-лап та ғәйбәт. Һинең мине яратыуыңды беләм, шуға ла көнләшәһең, - тип бөтә асыуына ҡысҡырып ебәрә. Илүзә иһә уны тыныс ҡына тыңлай ҙа: - Эйе, көнләшәм. Әммә ул минең кисерештәрем. Һәм мин һиңә бер ваҡытта ла насарлыҡ теләмәҫ инем. Тик һинең күҙҙәреңде генә асырға итәм. Рифатҡа был һөйләшеү тынғы бирмәй һәм ул барыһын да Розаның үҙенән һорарға ҡарар итә. Мөхәббәттән башы әйләнгән диуана егет ҡыҙ бөтәһен дә инҡар итер, был дөрөҫ түгел, тип яуап бирер тип ышана. Әммә ҡыҙ: - Минән ниндәй яуап ишетергә теләйһең? Эйе, был дөрөҫ, - тип яуап бирә. - Ә беҙҙең мөхәббәт нисек һуң? - Был ике төрлө әйбер. - Ташла уны. - Ниңә ташларға, ти. Һин, иҫәр малай, бер нимәне төшөн: ул бар икән, тимәк, мин аҡсаға мохтаж түгел, ул ҡиммәтле әйберҙәр алып бирә, уның арҡаһында мул тормошта йәшәйем. Ә һин - мине үлеп яратыусы, һөйөүеңде бүләк итеүсе. Был һөйләшеүҙән һуң Рифат менән Роза әллә нисә тапҡыр айырылыша һәм яңынан ҡауыша. Рифат үҙенең мөхәббәт хистәрен бер нисек тә ауыҙлыҡлай алмай интегә. Шуға хатта һөйгән ҡыҙының икенсе олораҡ һөйөркәһе булыуын да сибәркәйҙе күреү менән онота. Был мөнәсәбәттәр шулай оҙаҡ дауам итер инеме-юҡмы билдәһеҙ, әгәр бер осраҡлы хәл килеп тыумаһа. Рифат урамда Розаны күреп ҡала, уның янына ашыға. Тик ҡыҙ уны танымамышҡа һалышып, кит бынан, әҙәм аҡтығы, тип ҡыуып ебәрә. Ә уның эргәһендә бөтөнләй теге бай ир түгел, ә һылыуҡайҙың киләһе ҡорбаны икәнен аңлай йәш кеше. Был көндө ҡайғыһын ул араҡы менән баҫа. Күңел ғазаптарын һөйләргә ул тағы ла балалыҡ дуҫы Илүзәгә килә. Тап ул егеткә иң ауыр мәлдә депрессиянан сығырға ярҙам итә, борсолма, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, тип йыуата... Ваҡыт үтә. Рифат өйләнә. Һәм бер көндө кәләшенең эштән сығыуын урамда көткән арала тағы ла күҙенә таныш һын салына. Шул уҡ сағыу ҡиәфәт, һылыу буй-һын, әммә йөҙөндә ниндәйҙер буш-лыҡ, битарафлыҡ. Ҡасандыр урамдан үткән саҡта бер ир егет тә иғтибар итмәй ҡалма-ған Розаға хәҙер, киреһенсә, нисектер ытырғанып ҡараған кеүектәр. Артыҡ биҙәнгән, етмәһә көпә-көндөҙ һалмыш булып алған ҡыҙға ҡарата Рифатта йәлләү тойғоһо уяна. Шул ваҡыт йөрәк төбөндә ҡуҙғып ятҡан һөйөү ялҡынсығы бөтөнләй һүнеп ҡуя. Рифат янына кәләше килеп баҫҡас, уның йөҙөнә ҡурҡыу сығыуын һиҙә, уның һөйгән иптәше яңынан Роза тип ҡосағына ташланмаҫмы, тип борсолоуын аңлай. - Борсолма, ул һөйөүҙән бөтөнләй һүрелдем. Минең ысын мөхәббәтем - ул һин, минең баласаҡ дуҫым, - тип Илүзәһен ҡосағына ала.
3-17 февралдә "Учи.Ру" мәғариф платформаһында "Математиканан Учи.Ру кубогы" онлайн-ярышы үткәрелә. Унда 1-сенән алып 11-се синыфҡа тиклем уҡыусылар бушлай ҡатнаша ала. Марафон барышында ҡатнашыусыларға көн дә математиканан эштәр ебәрелә һәм уларҙы ваҡытында башҡарып, яуаптарын теркәп барырға кәрәк буласаҡ. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә төрлө номинациялар ҙа буласаҡ. Уҡыусылары бөтөнөһө лә әүҙем ҡатнашҡан белем усаҡтары араһынан 3 мәктәпкә "Иң актив мәктәп" номинацияһы биреләсәк. "Бер көн дә эшһеҙ ултырмай" номинацияһы көн һайын платформала математиканан (алгебранан) кәмендә 20-шәр мәсьәлә сискән 10 уҡыусыға бирелә. "Иң әүҙем синыф" номинацияһына башланғыс, урта һәм юғары синыфтарҙан берешәр синыф дәғүә итә. Был ярышта ҡатнашыу өсөн Инстаграмға синыф менән төшкән фотоны һалырға, @uchi_ru, @grisha_dino аккаунттарына яҙылырға һәм уларҙы фото аҫтында билдәләргә, "Мы участвуем в Кубке @uchi_ru, поддержите нас — поставьте лайк!" тип яҙырға һәм #кубок_учиру_нш_Уфа (Өфө урынына үҙегеҙҙең ауыл, ҡалағыҙҙың атамаһын яҙырға) кәрәк буласаҡ. .Кемдәрҙең фотоһы иң күп лайк йыя, шулар еңеүсе була. Марафонда ҡатнашыусы һәр уҡыусы һәм уҡытыусыға маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар тәғәйенләнә. Уларҙы, ярыш бөткәс, шәхси кабинеттан компьютерға күсереп алырға мөмкин буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт: https://uchi.ru/lp/kubok Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Стәрлетамаҡта урам яҡтыртыусы лампалар алмаштырылған. Хәҙер ҡала урамдарын һәм ихаталарҙы энергия һаҡлаусы диодлы уттар яҡтырта. Стәрлетамаҡта урам яҡтыртыусы лампалар алмаштырылған. Хәҙер ҡала урамдарын һәм ихаталарҙы энергия һаҡлаусы диодлы уттар яҡтырта. Ҡала хакимиәте оҙаҡ йылдар дауамында энергия ресурстарын ҡулланыуҙың экономлы ысулын индереү буйынса эш алып барған. Урам лампаларын алмаштырыу конкурс нигеҙендә башҡарылған һәм ул энергияны һаҡсыл тотоноуҙан тыш, урамдарҙың яҡтылығын 15-20 процентҡа арттырған. Белгестәр быны уникаль проект тип атаған. “Башҡортостан энергия компанияһы” етәксеһе Андрей Травкин билдәләүенсә, улар ошондай күләмдәге эште тәүге тапҡыр башҡарған. Урам яҡтылығын тәү сиратта ҡулланыусылар- Стәрлетамаҡ халҡы ыңғай баһалаған. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ошо көндәрҙә ил башлығы Владимир Путин һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға яңы социаль түләү буласағы хаҡында хәбәр иткәйне. Ул бөгөндән алып бойомға ашырыла башланы. Ошо көндәрҙә ил башлығы Владимир Путин һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға яңы социаль түләү буласағы хаҡында хәбәр иткәйне. Ул бөгөндән алып бойомға ашырыла башланы. Кескәйҙәргә Яңы йыл бүләге - 2012 йылдан алып донъяға килгән балалары булған ғаиләләргә был айҙа 5000 һум күләмендә аҡса күсә башланы. Әгәр ҙә ғаиләләр бынан алда өс йәшкә тиклем балалар өсөн айлыҡ пособие, йәки ошо йәй 16 йәшкә тиклем 10 000 һум күләмендәге социаль ярҙам алған икән, уларға яңынан документ юллап тороу кәрәкмәй - аҡса автоматик рәүештә күсәсәк. Кем ниндәйҙер сәбәп арҡаһында иҫәп һандарын үҙгәрткән, йәки алдан 16 йәшкә тиклем балалар өсөн аҡсалата ярҙам алмаған, әммә ошо йәштәге балалары бар - уларға ғариза яҙыу мотлаҡ. Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Башҡортостанда йыл башынан 25 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән. Үлем күрһәткесе 100 мең кешегә 0,6 тәшкил иткән, тип белдерҙе Роспотребнадзор. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 53 үлем осрағы теркәлгән. Өфөлә – ун, Иглин районында – ике, Ағиҙел, Баймаҡ, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Туймазы ҡалаларында, Әбйәлил, Асҡын, Бәләбәй, Дыуан, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө райондарында – бер ағыуланыу осрағы. Спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыусылар иҫәбендә 9 бала бар, был осраҡтар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Дүртөйлө районында теркәлгән. Дөйөм алғанда, токсикологик мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуар-февралендә республикала 478 химик этиологиялы киҫкен ағыуланыу осрағы күҙәтелгән. Улар иҫәбендә —117 дарыуҙар менән ағыуланыу осрағы. Шуның 51-ендә медикаменттар һәм биологик матдәләр суицид маҡсатында файҙаланылған. Ун бер кеше наркотик матдәләр менән ағыуланған, һигеҙе үлгән. 43 кеше углерод әсемәһе менән ағыуланған, 33-ө иҫән ҡалмаған. Бәшмәк менән ағыуланыуҙың бер осрағы теркәлгән. http://www.bashinform.ru/news/1429193-v-bashkirii-ot-otravleniy-spirtosoderzhashchey-produktsiey-umerlo-25-chelovek/ Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.