text
stringlengths
433
77.6k
Никахыбыҙҙан һуң теүәл бер йыл үтеүгә туй үткәрергә булдыҡ.Август айына тәғәйенләнгән тантанаға февралдә уҡ әҙерләнә башланым. Рәлиә Королёк Ҡойма ямғырҙағы туй(Булған хәл) Никахыбыҙҙан һуң теүәл бер йыл үтеүгә туй үткәрергә булдыҡ. Август айына тәғәйенләнгән тантанаға февралдә уҡ әҙерләнә башланым. Ул заманда бер төҫкә ҡоролған туйҙар модаһы сыҡҡан ғына ине, мин дә зәңгәр (фиолетовый) төҫтө һайлап, ихлас тотондом. Туй күлдәген кем менән генә эҙләмәнем: әсәйем менән дә, апай менән дә, әхирәтем дә эҙләште, хатта ҡәйнәм менән дә барҙыҡ кибеткә. Өфөлә лә ҡараным, Магнитогорскийҙа ла. Ахырҙа береһендә - күлдәк, икенсеһендә болеро алдыҡ. Туйға бер ай алдан ауылыма ҡайтып киттем. Имеш тә бығаса бергә йәшәмәгәнбеҙ, яңы ғына ҡауышасаҡбыҙ, кейәү кеше килеп төшһә выкуп-фәләндәрҙе лә үткәрербеҙ, тип шаярып. Ҡайттым. Саҡырыу ҡағыҙҙарын, башҡа кәрәк-яраҡты матур лаванда төҫөндә эшләп бөттөм. Мәғниттә гөлләмәгә заказ бирҙем, кейәү кешегә һатып алыу "бурысын" йөкмәтеп. Мәжлес үтәсәк урынға бронь эшләнек. Ул ваҡытта Асҡарҙа банкет залдары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, тиһәм дә алдамам. Танышҡан көнөбөҙ 17 август ине, никахыбыҙ бер йыл ара менән шулай уҡ 17 августа булды. Туйҙы ла теүәл бер йыл ара менән, йәғни 16 августа үткәрергә ине ниәт. Тик саҡ ҡына һуңлағанбыҙ, шуға ла туй көнөн 9 август итеп тәғәйенләнек. Хыялдар, һөйөү тулы аҡ хыялдар.. Туйға тиклем көн һанаған татлы мәлдәр етте. Ҡайһы ғына ҡыҙ ашҡынып көтмәһен аҡ күлдәк кейеп һөйгәне менән ҡауышасаҡ көнөн?! "Бәйләнештә" селтәрендә лә көндәр һанап, иләҫ-миләҫ яҙмаларым да булманы түгел. Тик кешеләр нишләптер гел кире күҙлек аша ҡарап, һығымта яһарға әүәҫ ул?! "Был тиклем дә ашҡыныр икән кейәүгә, атай-әсәй йортонан ялҡҡандыр, инде түҙә алмай", тип хәбәр йөрөтөүҙәре сәпсим генә кәрәкмәһә лә, килеп инделәр барыбер ҡолаҡҡа. Быны ишетеп әсәйемдең күңеле кителде, мин дә көйһөҙләнеп алдым. Заманында түккән нервыларыбыҙҙы бөгөн кире туплап, һүҙ йөрөткән әҙәмдәргә әйтер инем: нисек уйлағығыҙ килә, шулай уйлағыҙ, был - һеҙҙең хаҡығыҙ. Мин иһә тыуған йорттан тиҙерәк ысҡыныу, тип түгел, берҙән-берем менән ғаилә булып, яңы тормош башларға ашҡындым. Һағындым, яраттым, тип әйтмәксемен. Туйыбыҙға ике аҙна ҡалды тигәндә ямғырҙар башланды. Тәүлек әйләнәһенә йә шәбәйеп, йә тыныңҡырап шыптырлап яуып тик тора. Мин көн һайын Яндекспогода һәм Гисметеонан күҙҙе алмайым. Әммә сара юҡ, ямғыр ҙа ямғыр.. "Йә ярай, эрзинкә итегем бар ҙа инде. Борон кешеләр ыжғыр бурандарҙа ла өйләнешкән әле", тип үҙемде йыуатып ҡуям шунан. Уның ҡарауы, ямғырҙар туҡтарға уйламаны ла, шәбәйҙе генә. Туйға бер көн ҡалды тигәндә атайым менән әсәйем иртә менән Магнитогорскийға юлланды. Кәрәк аҙыҡ-түлекте һатып алып, мәжлес үтәсәк кафеға ҡалдырып, кире өйгә әйләнеп ҡайтыу ине маршруттары.. Иртәнге һигеҙҙә сығып киткән атай менән әсәй киске унға саҡ ҡайтып инделәр. Ул көндө мин дә ҡәҙимге кәләштәр һымаҡ әҙерләнергә тейеш инем. Күлдәгемде пар менән үтекләп алдым. Иртәгеһенә таң менән ҡалаға сәс ҡуйҙырырға, макияжға барырға тейеш инем. Барыһы ла килешелгән, һөйләшелгән ине. Атайымдар һаман ҡайтмағас, эсем боша башланы. Туғандар ҙа шылтыратып күңелгә шом һала. Фәҡәт беҙ Асҡарға бара торған трассаны Ҡушый ауылында йыуып алып киткән тип ямғыр.. Шылтыраталар ҙа һорайҙар, туй буламы ла юҡмы, буламы юҡмы. Мин күңелде төшөрмәҫкә тырышып, бар хәлемсә дәртле итеп "Була, әлбиттә" тип яуаплап ултырыш. Өй телефонына тыныслыҡ бөттө. Бер туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар. Бөтәһенең дә бер һорау: буламы туй, юҡмы?!. Һауа торошо арҡаһында туйға килә алмайбыҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә килә башланы телефон сымы буйлап. Ауылдарҙы һыу баҫа башланы. Йылғалар ярҙарынан сыҡты. Өйҙәр һыу эсендә. Халыҡты Камаз һәм тракторҙар хәүефһеҙ ергә ташый башланы. Ә мин телефон янынан китә алмайым. Инде инәйем шылтыратҡайны, түҙмәнем, аҡырып тигәндәй иланым да ебәрҙем.. Эй илайым, паникаға бирелә башланым. Туйға әҙерләнергә кәрәк, ә минең илауҙан битем шешенгән.. Атайым менән әсәйем ҡайтып инде. Хәлдән тайғандар, кәйефһеҙҙәр, ҡараштары билдәһеҙлеккә төбәлгән. Барыһын да нисек бар, шулай һөйләп бирҙеләр. Мәғнит базаһына өйрәнелгән Озерный ҡасабаһы эргәһенән үткән юл буйынса сығалар. Барып кәрәкле тауарҙы алып, ҡайтыр яҡҡа боралар. Ул заманға инде Озерный янынан үткән юлды һыу баҫҡан була, атайымдар үҙҙәре лә аңғармай ҡала, тегеләй-былай юлдар аша нисектер Нежный ҡасабаһы аша килеп сығалар. Әҙерәк онотолған да инде хәҙер, һәр хәлдә әллә атайымдарға шылтыратып ала алмағандар, әллә һуң ғына сыҡҡандар бәйләнешкә, иллә мәгәр уларҙы Ҡушый ауылы янында кире борғандар, һәм Асҡарға икенсе юл менән барырға ҡушҡандар. Ә ул юл әлеге лә баяғы Озерный ҡасабаһы, Таштимер ауылы аша үтә. Килгән юлды тулыһынса тигәндәй кире барған ерҙә уларҙы гаишник туҡтата, сөнки юлды һыу баҫып, сәпсим күренмәҫлек була трасса. Инде Асҡарға барып етеүҙең өсөнсө маршрутын һайлап ҡарай атайым менән әсәйем. Юлдаш ауылы аша, Айғырбатҡан янынан үтеп. Тик унда ла бәләкәй генә бер йылға ҙур ташҡынлыға әйләнеп, күперҙе йыуып алып киткән була. Ахырҙа минекеләр кире борола һәм Әлмөхәмәт аша юллана Асҡарға. Ҡалайтаһың, аҙыҡ-түлекте нисектер алып барып еткерер кәрәк бит. Бөтә нәмә һыу булды, машина йөҙөп тигәндәй барҙы, тип һөйләнеләр әсәйҙәр аҙаҡ. Төнгә ҡарай Марсель Өфөнән туғандары менән Красная Башкирия ауылына килеп төштө. Телефон аша ғына һөйләшелде, һәм Таштуй янындағы юл аша һыу ағып ятҡаны асыҡланды. Ҡушыйҙағы һымаҡ итеп ҡуймаһын инде, тип йөрәк уста ғына тотолдо ул кистә. Гусев һәм Йәнгел яғындағы күперҙе бар хәлсә нығытып торҙолар тороуын. Бейек кенә булһа ла, һыу күперҙең өҫтөнән ағып ятты иҫте китәреп. Ышанмаҫлыҡ хәл. Хәҙер ул ерҙән үткәндә берәү ҙә ышанмай заманында ни булғанына. Ғәләмәтте үҙ күҙҙәре менән күргәндәр генә иҫләй уны. Төнөн әпәт Марсель шылтыратып, Мәғниткә барып ятырға тәҡдим итте. Хәҙер юлға сыҡмаһаң, иртәгә сәс тә ҡуйҙыра алмаҫһың, макияжһыҙ ҙа ҡалырһың, һуңларһың, тине ул. Мин ҡаушаған килеш барлыҡ кейемемде, кәрәк-яраҡтарымды алдым да, Мәғниттәге инәйемә киттем йоҡларға. Юл ыңғайы Красная Башкириялағы Марселдың инәйенә һуғылдыҡ. Унда китте туғандар йыйылып. Барыһыла минең "ҡайғыны уртаҡлаша". Унан мин тағы ярһып иларға кереш.. Имтихандар тапшырып йөрөп, дәррәү туйға әҙерләнеп, һәм ошо һыу баҫыу менән байтаҡ ябыҡҡаным икән. Рәйсә инәй (йәне Зәннәттә булһын) мине весыға баҫтырып ебәреп, 45 кенә икәнемде күреп, "Кит, бер һарыҡтай ғынаһың", тигәне хәтерҙә. Хәҙер көлкө һымаҡ, ә заманында мин туйҙы бер аҙнаға күсерәйек, тип түгелеп илап Марселды өгөтләй инем. "Бындай туй тураһында хыялланманым мин", тип әсе илай инем. "Нимә һөйләйһең?! Барыһы ла яҡшы, туғандар килгән, туй бынамын буласаҡ", тип яуапланы миңә Марсель. Уның ошо ышаныслы тауышы миңә бөгөн дә ныҡ ҡәҙерле һәм ныҡлы терәк тә. Шул мәлдә Хәсән апа ла ямғыр туҡтауы хаҡында әйткәс, мин байтаҡ тынысландым. Тышҡа сығып күк йөҙөндә бер-ике йондоҙ ҙа күргәс, сәпсим. Марсель мине Мәғниттәге инәйемә йоҡларға ҡалдырып ҡайтты. Илап-илап, төнгө икелә батырҙар йоҡоһо менән ауып киттем.. Таңдан тороп "прическаға", макияжға киттем. Юл ыңғайы телефон аша Марселға ҡайһы ерҙән минең гөлләмәне алырға икәнен аңлаттым. "Выкуп". Ҡайҙан ғына булһын ти ул выкуп. Минең барлыҡ идеялар, уйҙар юҡҡа сыҡты, һуң дуҫ ҡыҙҙарым менән дә осрашып булманы бит. Инәйҙә йоҡланылды, етмәһә. Әллә үҙем-үҙемә выкуп эшләйемме икән, тигән уй ярты секундтай үтеп китте ул баштан. Кит, әҙәм көлдөрөп)) Буянып-төҙәнеп ҡайттым, кейендем әҙерләндем, Марселды көтә башланым. Атыштырып-сабыштырып йөрөп, кейәүкәйем һуңлап китте, ахырҙа регистрацияны бер сәғәткә күсерттек. Әҙермен, туй күлдәгендә инәйемдең ишек төбөндә сумаҙан өҫтөндә ултырам, тигәндәй. Бер мәл Марсель шылтырата: "Мин өлгөрә алмайым, әллә букетты үҙең барып алаңмы? Красная Башкирияға һине әллә Денис (ике туған ағайым, әлеге инәйемдең улы) алып килеп таштаһынмы?", - тип. Мин тағы киттем ҡыҙып, әпәт аҡырып иларҙай хәлдә: "Һиңә ғөмүмән кәләш кәрәкме ул, яҡмы??!! Выкуп булманы былай ҙа. Исмаһам үҙең килеп ал!", - тип шай итеп ҡалдым. - Аңланым, һине аңланым, - тине лә Марсель, ярты сәғәттән килеп тә етте артымдан. Тантаналы рәүештә миңә букет тоттороп, кәләште выкупһыҙ, мейе сереткес ғәләмәттәрһеҙ сығарып алып, киттек беҙ регистрацияға. Ул мәлдә ямғыр булманы. Һирәк-мирәк ҡояш күренгеләп ҡыуандырҙы. Ағып киткән Ҡушый юлына нимәлер һипкәндәр ине. Дәүләт ауылы яғындағы күперҙәрҙе үткәнде иҫ китте, тауыҡ кисеп сығырлыҡ йылға шашып аға ине, күпер саҡ-саҡ ҡала ине урынында. Туйҙан бер аҙна алда күрешкәндә тамадабыҙ Розалия әйткән ине: "Һеҙ икәү ниндәй кәйефтә булаһығыҙ, туй ҙа шундай хәлдә үтәсәк. Кейәү менән кәләш ҡаңғырып, ығы-зығыланып сыҡһа, байрам да нервы бөтөргөс була. Тыныс ҡына булһағыҙ, мәжлес тә ипле, матур үтер", тип. Нисек??!! Ҡалайтып ҡына тыныс булаһың?! Йә Марсель юғала, йә фотограф килеп етә алмай, йә видеограф, йә тамаданы алып килер өсөн трактор кәрәк, йә туғандар килеп етә алмай, йә үҙебеҙ һуңлайбыҙ. Үҙемдә саҡ-саҡ тынысланырлыҡ көс таптым, артабан туй матур, тыныс ҡына үтте, шөкөр. Күпселек ҡунаҡтар килә алды. Һауа торошона, һыу ҡотороуына ҡарамай беҙҙең иҫтәлекле көнөбөҙҙө бергә үткәргәндәре, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡандары өсөн ҙур рәхмәт уларға! Иремә рәхмәт: сабырлығы, һалҡын аҡыл менән эш иткәне, бар нәмәне үҙе йырып сыҡҡаны өсөн! Фәҡәт шул көндө мин көслө булып, барлыҡ ығы-зығыны үҙ ҡулдарыма алырға маташҡан инем. Әммә фәҡәт шул көндә ғөмүмән улай итергә кәрәкмәгәнлеген аңланым. Үҙенең йылы һәм ышаныслы ышығында һаҡлап, мәшәҡәттәрҙе үҙе хәл иткән ирем барлығын төшөндөм. "Кейәүгә сығыу" йәки "иргә сығыу" төшөнсәһен тулы аңланым, ул тимәк "ышыҡта булыу". Һаҡлауҙа, яҡлауҙа көн итеү.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 6 июлдә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә йәнә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм Дәүләт автоинспекцияһы етәкселегенә эскән водителдәр менән көрәште көсәйтергә ҡушты. Был июндә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғалары менән бәйле. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 6 июлдә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә йәнә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм Дәүләт автоинспекцияһы етәкселегенә эскән водителдәр менән көрәште көсәйтергә ҡушты. Был июндә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғалары менән бәйле. «Был аҙнала ошо эшкә тотоноғоҙ. Иҫеректәр күп йөрөй, башлағыҙ, көсәйтегеҙ. ЮХХДИ-ның иҫкәртеү саралары байтаҡ, улар быны эшләй белә. Барыһы ла һәйбәт булһа, мин өндәшмәйем. Ләкин бер-бер артлы ике ошондай осраҡ эскән килеш рулгә ултырырға ҡурҡмауҙары хаҡында һөйләй. Был беҙҙең етешһеҙлек – һеҙ уны төҙәтергә тейешһегеҙ. Аҙна аҙағына ошо йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыуығыҙ тураһында миңә еткерегеҙ», — тине Радий Хәбиров республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаевҡа. https://www.bashinform.ru/news/1469767-glava-bashkirii-vnov-poruchil-usilit-borbu-s-pyanymi-voditelyami/ Теги: юл-транспорт ваҡиғаһы, ЮХХДИ Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
– Коронавирусҡа анализдар һөҙөмтәһе килде. Нимә тип әйтәйем? COVID-19 беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне... Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов коронавирус йоҡторғаны хаҡында белдерҙе. Был турала ул социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы, “...пландарҙың бик тиҙ үҙгәреүе тураһында” тип баш ҡуйҙы. “Коронавирусҡа анализдар һөҙөмтәһе килде. Нимә тип әйтәйем? COVID-19 беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Минең һәм ҡатыным Таняның тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтте...” – тип яҙҙы ул. Хакимиәт башлығының ғаиләһенә ныҡлы сәләмәтлек, тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Be---sirl-y-bashlani-540113/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Ошо көндәрҙә Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәйҙең Баш мөфтөйө, РФ мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға "Дуҫлыҡ" ордены тапшырҙы. Тәлғәт Сафа улы Тажетдин 1948 йылдың 12 октябрендә Ҡазанда эшселәр ғаиләһендә тыуа. Ҡазандың 27-се мәктәбендә уҡый. Атаһы Минсафа һәм әсәһе Рәшиҙә Тажетдиновтар динле кешеләр булған. Олатаһы кулак тип табылып һөргөнгә оҙатыла. Тәлғәт Тажетдинда дингә ҡарата һөйөүҙе Маһира өләсәһе тәрбиәләгән, улар нәҫелендә суфиҙар булған. 1963 йылда Тәлғәт Тажетдин профтехучилищеға уҡырға инә. Көндөҙ уҡып, кистәрен мәсеттә ислам буйынса ғилем алып, көнсығыш телдәрен өйрәнеүгә бағышлаған. Тәлғәт Тажетдин 18 йәше тулғандың икенсе көнөндә - 1966 йылдың 13 октябрендә Бохаралағы “Мир-Араб” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Был уҡыу йортонда төрлө йылдарҙа Шиһабетдин Мәржәни, Ғәлимйән Баруди, Рауил Ғәйнетдин, Әхмәд Ҡадиров кеүек кешеләр уҡыған. 1978 йылда Тәлғәт Тажетдин Ҡаһирәлә урынлашҡан әл-Әзһәр ислам университетында белем ала. "Мәржәни" мәсетенең имам-хатибы булып эшләй. 1980 йылдың 19 июнендә - СССРҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диния назараты рәйесе һәм мөфтөй итеп һайлана. Тәлғәт Тажетдин өйләнгән, ике ҡыҙы һәм өс улы бар. Ҡатыны Сания Әбдрәүеф ҡыҙы. Йәмәғәте менән 50 йылдан ашыу ғүмер кисерәләр. Сания Әбдрәүеф ҡыҙы тыумышы менән Ҡазандан, уның атаһы Әжем мәсетенең имам-хатибы булған. Ҙур ҡыҙҙары Наилә ире һәм биш балаһы менән Өфөлә йәшәй. Ҡыҙҙары Зөлфиә ире һәм өс балаһы менән шулай уҡ Өфөлә йәшәй, ире Наил банк системаһында эшләй. Улдары Зөфәр мәктәпте тамамлап, Өфөлә мәҙрәсәлә белем алған,унан һуң Төркиәлә уҡыған. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты типографияһында - директор. Улдары Мөхәммәт мәктәпте тамамлағас, Кувейтта уҡыған. Рәсәй мосоллмандарының Үҙәк Диниә назараты администрацияһының етәксеһе, Башҡортостандың Үҙәк Диниә назараты башлығы. Кесе улдары Ғүмәр иһә урта белем алғандан һуң, Төркиәлә уҡыған. Тәлғәт Тажетдиндың 15 ейән-ейәнсәре бар. Тәлғәт Тажетдин тураһында ҡыҙыҡлы факттар 1. 1980 йылдарҙа Тәлғәт Тажетдин СССР-ҙа дини тормошно кире ҡайтарыуҙа әүҙем эшмәкәрлек алып бара: Бохараға уҡырға Татарстандан һәм Башҡортостандан бик күп йәштәрҙе ебәрә, Ҡазанда Ҡөрьәнде баҫтырып сығарыуға өлөш индерә, мәсеттәр асыла башлай. 2. 1989 йылдан мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Изге Болғар йыйынын ойоштора. Был сара 922 йылда Болғар ҡалаһында Исламдың дәүләт дине булараҡ ҡабул ителеүе уңайынан үткәрелә. 3. Тәлғәт Тажетдин Нурлат районының атаҡлы Киҙләү мәҙрәсәһен тамамлаған дин ғалимы Әхмәтзәки Сафиуллинды үҙенең остазы итеп таный. 4. Тәлғәт Тажетдин Яр Саллыла "Тәүбә" мәсете, Өфөлә "Ләлә-Тюльпан" мәсете, Әлмәттә Ринат Ғәлиев исемендәге мәсет, Ҡазанда "Ҡол Шәриф" мәсете төҙөлөштәрен башлап ебәреүсе һәм попечителе. 5. 2001 йылда Софияла (Болгария Республикаһы) Тәлғәт Тажетдин татарҙарҙың болгарларҙан килеп сығышы тураһында фекерен әйтә: “Шулай ҙа беҙҙе татарҙар тип атайҙар, ысынында иһә беҙ болғарҙар. Болғарҙар (булгары) – болғарҙарҙың (булгары) иң яҡын туғандары, тик беҙ Иҙел буйында ҡалдыҡ, ә улар Дунайға китеп славяндар менән ҡушылғандар”. Әлеге фекере Болғар Республикаһының телевидениеһында һәм гәзит биттәрендә донъя күргән, тип яҙа "Российская газета" ( 03.10.2001). 6. Тәлғәт Тажетдин мәктәптәрҙә әхлаҡ дәрестәре индереү кәрәклеге тураһында әйтә: "Хәҙер мәктәптәрҙә традицион конфессияларҙың мәҙәни һәм тарихи нигеҙҙәре уҡытыла. Шулай уҡ әхлаҡ тәрбиәһе өйрәтелергә тейеш”. 7. Болғар ислам академияһын тантаналы рәүештә асҡанда Тәлғәт Тажетдин : “Болғар традицион исламдың үҙәгенә әүерелергә тейеш", – тип белдерә. 8. Уның иң яратҡан әҫәре - Мөхәммәт әл-Газалиҙең "Ихья улюм әд-дин" китабы. 9. 1996 йылда Тәлғәт Тажетдинға Шәйх-әл-ислам титулы бирелә. 10. Тәлғәт Тажетдин төрлө йылдарҙа, төрлө фекерҙәр булған замандарҙа ла ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ата-бабаларыбыҙ тотҡан динде һаҡлау яҡлы була, кире тәьҫир итә торған деструктив көстәрҙе ситкә этәрә. Ул Рәсәйҙәге генә түгел, сит илдәрҙәге бик күп дин әһелдәренең рухи остазы. Бүләктәре һәм ҡаҙаныштары: 2013 йылдың 13 октябрендә IV дәрәжәләге “Ватан ҡаршыһында ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнгән. 2018 йылдың 11 декабрендә Рәсәй Динара советы Президиумы ултырышында баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назарәты рәйесе Тәлғәт Сафа улы Тажетдинға тантаналы рәүештә Рус православие сиркәүенең юғары бүләге – I дәрәжә «Дан һәм Намыҫ» орденын тапшырғандар. 2001 йылда Рус биография институты тарафынан Тәлғәт Тажетдин динара бәйләнештәрен нығытҡан өсөн “Йыл кешеһе” итеп билдәләнгән. 2019 йылдың 5 мартында Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәйҙең Баш мөфтөйө, РФ мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Сафа улына “Дуҫлыҡ” орденын тапшырҙы. "Интертат"тан алынды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан баш ҡалабыҙҙың 9-сы китапханаһы «Минең һаҡлаусым» тигән интернет-акция ойоштора. Ул 11 февралдән 25 февралгә тиклем дауам итәсәк. Әлеге интернет-акцияла бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Бының өсөн нимә эшләргә һуң: – «Бәйләнештә» селтәрендәге китапхананың төркөмөнә https://vk.com/club96227833 яҙылырға; – Үҙеңдең «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәңдә «Минең һаҡлаусым.....» тип яҙып, фото менән яҙма урынлаштырырға (атайың, ағайың, олатайың йәки ағайың, йәки кемде герой, һаҡсы тип һанайһың, шуның менән селфи эшләргә); #Мой_Защитник_9, #Библиотека_9_Уфа, #23_февраля, #День_защитника, #День_защитника_Отечества хэштектарын да ҡуйырға онотмағыҙ. Акция тамамланғас, барлыҡ ҡатнашыусыларға ла электрон сертификаттар биреләсәк, уларҙы https://ufa-lib.ru/ сайтында үҙеңә күсереп алып була. Акция тураһында тулыраҡ ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Бының турала үҙенең социселтәр сәхифәһендә төбәк хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итте. Өлөшләтә мобилизацияланған 80 ир-егет өйләнеп ғаиләле булған "Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ - мәңгелек ҡиммәттәр. Ҡатмарлы ваҡытта йәшәһәк тә, кешеләр ғаилә ҡора. Өлөшләтә мобилизация мәлендә саҡырылған беҙҙең яугирҙәр быны хәҙер башҡарырға ҡарар ҡабул итә. Был эштә, әлбиттә, республика ла ярҙам итә. Мобизацияланғандар һәм үҙ ирке менән хәрби хеҙмәткә барыусылар никах ҡорһон өсөн беҙ Татарстан, Пенза, Свердловск һәм Һарытау өлкәләре ЗАГС-тары менән эшләйбеҙ. Тәүҙә һөйләшеү һәм документтарҙы ҡабул итеү була, аҙаҡ кәләштәр район-ҡала хакимиәттәре ярҙамы менән хәрби уҡытыу урындарына юллана. Ғариза бирелгән көндө ЗАГС хеҙмәткәрҙәре яңы ғаилә барлыҡҡа килгәнен теркәй. Әлегә 80 пар рәсми рәүештә ғаиләгә әйләнгән. Әйҙәгеҙ уларға оҙаҡ һәм бәхетле ғаилә тормошо теләйек!, - тигән ул.
Башҡортостанда Рәсәй банкының һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың «Финанс белеме мәҙәниәтен тәрбиәләү» тигән берлектәге проекты башланды. Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкта — бүлексәлә хәбәр итеүҙәренсә, вебинар формаһындағы бушлай лекторий республиканың барлыҡ район китапханаларында онлайн режимында күрһәтелә. Спикерҙар булып Рәсәй Үҙәк банкының төбәк бүлексәһе белгестәре сығыш яһай. Көнүҙәк темалар иҫәбендә — нисек бурысҡа батмаҫҡа, кредитты реструктуризациялау, торлаҡ һатып алыу, нисек кәрәкмәгән страховканан баш тартырға. Программа халыҡтың Рәсәй банкына килгән мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Лекциялар барышында һәр кем үҙенең һорауын бирә ала. Лекцияларҙың теҙмәһе менән район китапханаларында йәки Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтында танышырға мөмкин. http://www.bashinform.ru/news/1272648-zhiteli-bashkirii-mogut-besplatno-povysit-svoyu-finansovuyu-gramotnost/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала юғары әҙерлек режимын тағы ла йомшартыу өсөн әлегә нигеҙ булмауын билдәләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала юғары әҙерлек режимын тағы ла йомшартыу өсөн әлегә нигеҙ булмауын билдәләне. Был турала ул бөгөн, 6 июлдә, Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Фәрит улы йәмәғәт транспортында, сауҙа ойошмаларында, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларында, предприятиеларҙа битлек режимын һаҡлау мөһимлеген әйтеп үтте. Республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар тәүлек эсендә йәнә 47 кешегә күбәйгән. Эпидемия башланғандан алып бөгөнгә тиклем был сир йәмғеһе 5 638 сырхауҙа раҫланған. Дауаханаларҙа әле 412 ауырыу ята. Шуларҙың 32-һе интенсив терапия һәм реанимация бүлектәрендә дауалана. 1 817 сирле табип тәғәйенләгән дарыуҙарҙы өйөндә ҡабул итә. Республикала, дөйөм алғанда, 3 304 кеше COVID-19-ҙы еңеүгә өлгәшкән. Мәкерле вирус 19 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант отоу конкурсында еңеү яуланы.Башҡорт халыҡ биҙәүестәре эшләүгә йүнәлтелгән “Хазина” проектында балалар ҙур теләк менән милли биҙәүестәр тарихын өйрәнә. Яңыраҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.А. Юлдашбаева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Әлеге ваҡытта апрель айында Ефремкин ауылында үтәсәк “Хазина” республика конкурсына әҙерлек бара. Айгөл Нуриева. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Өфөлә Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт коллективтары, дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура һәм спорт комплексының фестивале бара. Өфөлә Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт коллективтары, дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура һәм спорт комплексының фестивале бара. 12 майҙа старт алған сара ГТО Бөтә союз комплексы ойошторолоуға 90 йыл тулыуға арналған. Ул “Динамо” базаһында үтә һәм 16-на тиклем дауам итәсәк. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 29 төбәгенән 39 команда ҡатнаша. Йәмғеһе - 25-тән 59 йәшкә тиклемге 400 кеше. Фестиваль Рәсәйҙең Спорт министрлығы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Спортсылар түбәндәге ярыш төрөндә ҡатнаша: арҡала ятҡан килеш күтәрелеп ултырыу, ятҡан килеш 90 см бейеклектәге урҙаға тартылыу (ҡатын-ҡыҙҙыр өсөн), бейек урҙаға тартылыу/ 16 кг гер күтәреү (ирҙәр өсөн), ерҙән этенеп ҡулдарҙа күтәрелеү, аяҡтарҙы тура тотоп гимнастика скәмйәһендә билдән бөгөлөү, пневматик винтовканан терһәктәрҙе өҫтәлгә терәп ултырып һәм тороп атыу, 2000 һәм 3000 м аралыҡҡа йүгереү, эстафета. Валерий Шахов фотоһы. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ете йыл элек ҡылған ауыр енәйәте өсөн Мәскәү өлкәһе кешеһе суд алдына баҫасаҡ. Был турала Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Ҡанлы ваҡиға 2012 йылдың 24-нән 25 авгусына ҡарай төндә Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылынан 2,5 саҡрым алыҫлыҡта була. 49 йәшлек әлеге ғәйепләнеүсе бысаҡ менән бер нисә тапҡыр кешегә сәнсә. Енәйәт ҡылыуын ул уның наркотик таратып йөрөгәне өсөн тип аңлатырға тырыша. Шулай уҡ үлтереүсе әҙәм 550 мең һумлыҡ алтын сылбырҙы урлай. Зыян күреүсе ваҡиға урынында йән бирә. 2012 йылда был енәйәтте башҡарыусыны таба алмайҙар. Тик быйыл тәфтишселәр, енәйәт эшен анализлап, яңы өҫтәмә оператив-эҙләү эше үткәргәндән һуң, уның эҙенә төшкән. Енәйәт эше ҡарар сығарыр өсөн судҡа тапшырылған.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ete-yildan-u-bul-a-la-totol-an-19771/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Бында ике аудитория эшләйәсәк: туған телде яҡшы белгәндәр һәм яңы ғына өйрәнә башлағандар өсөн. Шулай уҡ диктант барышын онлайн күрһәтеү ойоштороласаҡ. Диктант уҡыр өсөн Рәсәй, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәм йәмәғәт эшмәкәре Ростислав Мырҙағолов саҡырылған. Баш ҡалала сара тағы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, “Радость есть” һәм “Ҙур нәнәй” кафеларында үтә. Бында диктант тексын Ҡоролтай–Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова, блогер Фидан Ҡолмөхәмәтов менән рәссам Камил Буҙыҡаев уҡыясаҡ. Башҡортостан буйынса диктант яҙыу 800 урында, Рәсәй төбәктәрендә – 18, сит илдәрҙә – 17 ерҙә ойошторола. Диктант үткәреү шарттары менән түбәндәге һылтанмаға инеп таныша алаһығыҙ https://vk.com/bashdictant Зөлфиә Басирова әҙерләне. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районына бер автоклуб тапшырылған ине. Уны бөтә халыҡ ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте.#национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районына бер автоклуб тапшырылған ине. Уны бөтә халыҡ ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. Халыҡ ижады үҙәге артистары уны маҡсатлы файҙалана башланы ла инде. Ошо көндәрҙә улар “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булып, бай йөкмәткеле концерт номерҙары ҡуйып ҡайтты. Баҫыу ҡырҙарында ҡурай моңо, йырҙар яңғыраны. Бейеүселәрҙең тыпырҙатып, дәртле баҫыуҙарынан тәңкәләр сыңланы... Ҡыҫҡаһы, автоклубтың уңайлыҡтарын артистар ғына түгел, баҫыу эшсәндәре лә ыңғай баһаланы. Алда тағы ла күп, бик күп гастролдәр көтә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Бынан тыш, ҡан баҫымын төшөрөү өсөн ананас һәм сөгөлдөр һуты ла бик яҡшы ярҙам итә, тип аңлата белгестәр. Ҡан баҫымыңды яйға һалам тиһәң, көн дә сөгөлдөр ашарға кәңәш ителә. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен оператив хәл итеү өсөн аҙналыҡ кәңәшмәләрҙең яңы форматын — «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»н индерҙе. Муниципалитет башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашлығындағы шундай тәүге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»н Радий Хәбиров видеоконференция режимында үткәрҙе. «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» — яңы сара, аҙна һайын билдәле бер ваҡытта ошондай форматта эш алып барырбыҙ. Бында тармаҡ проблемаларын тикшереүҙән тыш, аныҡ һәм йылдам ҡарарҙар ҡабул ителергә тейеш», — тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарын иғтибар талап иткән һорауҙар буйынса тәҡдимдәр ебәрергә саҡырҙы. Тәү сиратта төбәк етәксеһе йыйылыусыларға фельдшер-акушерлыҡ пункттары, уларҙың матди-техник торошо һәм кадрҙар менән тәьмин ителеше проблемаларын тикшерергә тәҡдим итте. «Халыҡҡа медицина ярҙамының беренсе звеноһы — бик мөһим йүнәлеш, ошо мәсьәлә өҫтөндә даими һәм киләсәктә лә эшләрбеҙ», — тип билдәләне төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров һөйләүенсә, бөгөн Башҡортостан үҙенең илдә иң ҙуры булған һәм йылдан-йыл үҫешкән фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре менән ғорурлана ала. Быйыл ғына төбәктә 24 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы. Ләкин мәсьәлә, уның һүҙҙәренсә, икенселә. Әле фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 1/3 тиерлек капиталь төҙөкләндереүгә мохтаж, ә 31-е бөтөнләй авария хәлендә. Тағы 105 беренсе звено медицина учреждениеһы белгестәр етешмәүгә бәйле буш торорға мәжбүр. Буш фельдшер-акушерлыҡ пункттарының күбеһе Ҡырмыҫҡалы (9), Баймаҡ (8), Хәйбулла (7) һәм Балтас (7) райондарында урынлашҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһенең ентекле сығышын тыңлағас, Радий Хәбиров һәр муниципалитетта проблемаларҙы хәл итеү ваҡыты буйынса аныҡ датаны билдәләргә, шулай уҡ район башлыҡтарына ваҡыт табып, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын йөрөп сығырға, халыҡ менән аралашырға, уларҙы борсоған проблемаларға төшөнөргә ҡушты. «Райондар буйлап йөрөйөм, фельдшер-акушерлыҡ пунктына инһәм, унан яҡшы кәйеф менән сығам, сөнки унда ихлас кешеләр эшләй. Ғәҙәттә улар оло йәштә, ләкин яңыраҡ күҙҙәре янып торған йәш фельдшерҙы осраттым. Бындай кадрҙарға мотлаҡ ярҙам итербеҙ», — тине республика етәксеһе. Радий Хәбиров фельдшер һөнәрен популярлаштырырға тәҡдим итте һәм фельдшерҙарға дәртләндереүҙең төрлө варианттарын, мәҫәлән, гранттарҙы, ҡарарға ҡушты. Статистика күрһәтеүенсә, бөгөн республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттары хеҙмәткәрҙәренең уртаса йәше — 47. Уларҙың күптәре ғүмере буйына һөнәренә тоғро, шул уҡ ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияһы өсөн бер ниндәй ҙә дәртләндереү системаһы юҡ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Күптән түгел “Рәсәй” телеканалының туризм тураһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланған “По секрету всему свету” тапшырыуы ижади төркөмө Башҡортостанда булып китте. Күптән түгел “Рәсәй” телеканалының туризм тураһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланған “По секрету всему свету” тапшырыуы ижади төркөмө Башҡортостанда булып китте. Быға тиклем ижади бригада донъяның утыҙҙан ашыу илендә, Рәсәйҙең бик күп төбәгендә тапшырыуҙар төшөрҙө. Беҙҙә алып барыусы, сериалдар йондоҙо Ольга Кузьмина башҡорт ҡыҙы образына инде, халҡыбыҙҙың көнкүрешен, традицияларын сағылдырған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Восточный мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” ансамбле ағзалары баш ҡала актрисаһына ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатырға, ҡот ҡойорға өйрәтте. - Беҙ тәҡдим ителгән идеяны бойомға ашырырға шундай дәрт менән тотондоҡ, - ти ансамблдә ҡатнашыусы Рәйлә Ғашимова. - Беҙҙең коллективты райондан ситтә лә беләләр. Беҙ “Ҡарға бутҡаһы”, Таллы байрамдарында ҡатнашабыҙ. Ауыл биләмәләрендә әүҙем эшләгән ағинәйҙәр хәрәкәте менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Күптән түгел Муллағол, Аптраҡ ауылдарына саҡырҙылар. Унда боронғо рецепт буйынса сыр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Һыртлан оҫталары ойошторған кейеҙ баҫыу буйынса семинарҙа ҡатнаштыҡ. Ансамбль етәксеһе Мәстүрә Ҡунаҡбаева билдәләүенсә, 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә улар боронғо йолаларҙы, халыҡ байрамдарын тергеҙеүгә, популярлаштыруға ҙур иғтибар бирә.
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) һәм Төп дәүләт имтиханын (ТДИ) тапшырыу тәртибен аңлатты. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) һәм Төп дәүләт имтиханын (ТДИ) тапшырыу тәртибен аңлатты. 2020 йылда төп дөйөм белем һәм урта дөйөм белем тураһында аттестаттар алыу өсөн ТДИ һәм БДИ тапшырыу кәрәкмәй. Был документтар барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына йыллыҡ билдәләр нигеҙендә биреләсәк. Туғыҙынсы класты тамамлағандар өсөн Төп дәүләт имтихандары бөтөнләй үткәрелмәй. БДИ-ны быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгәндәр генә тапшыра. Имтихандар һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә. Әлеге ваҡытта һынауҙарҙы 19 июндән йәки унан да һуңыраҡ үткәреү варианттары ҡарала. Был хаҡта ҡарар эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып ҡабул ителәсәк. БДИ бөтә ил буйынса берҙәм расписание буйынса уҙасаҡ. Бөтә сығарылыш уҡыусыларының да үҙҙәре һайлаған юғары уҡыу йортона инеү өсөн кәрәк булған имтихандарҙы тапшырырға мөмкинлеге буласаҡ. Һынауҙар исемлеген вуздарҙың мәғлүмәт ресурстарында табырға мөмкин. Берҙәм дәүләт имтихандары мотлаҡ “Роспотребнадзор”ҙың коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында тәҡдимдәрен иҫәпкә алып ойоштороласаҡ. Имтиханға инеү урындарында ойоштороусыларҙың да, уҡыусыларҙың да тән температураһы үлсәнәсәк, аудиторияларға алдан дезинфекция үткәреләсәк. Уҡыусылар бер-береһенән 1,5 метр ара һаҡлап ултыртыласаҡ. Рус теленән БДИ-ла, кешенең күп ҡатнашыуын иҫәпкә алып, имтиханды ике көнгә бүлеп уҙғарасаҡтар. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Үткән йома район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров төрлө шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Үткән йома район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров төрлө шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Барлығы ете кеше килде. Бер нисәүһе шәхси һорау менән килгән, гәзит хеҙмәткәрҙәре булғанда әйтмәнеләр, ә үҙ проблемаларын депутаттың үҙенә генә һөйләнеләр. Бер ҡатын ирем эсә, өйҙәге әйберҙәрҙе һатып бөттө, етмәһә, ауылда законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һаталар, тип зарланды. Граждандарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов был проблеманы тәүгә ишетеүе һәм мәсьәләне тиҙ арала тикшерәсәктәре хаҡында әйтте. Илкәнәйҙән Рим Рәхмәтуллин ауылына терапевтың 40 км арауыҡтағы Бөгөлсәндән килеүе, килмәй ҡалған осраҡтары ла булыуы хаҡында ентекле һөйләне. Район менән ҡала дауаханаларын берләштергәс ниңә терапевт Күмертауҙан ғына килмәй икән, яҡыныраҡ та булыр ине, тип үҙ тәҡдимен дә еткерҙе депутатҡа. Яҡуптан мәктәп директоры Самат Туйгилдинды ремонт мәсьәләһе йөрөтә. Зариф Байғусҡаров, мәктәбегеҙ яңы ла баһа, етмәһә, балаларығыҙ аҙ, тине. Юҡ, тип ҡаршы төштө Самат Усман улы, беҙҙең мәктәп 40 балаға иҫәпләнһә лә, 56 уҡыусы белем ала. Был мәсьәлә буйынса депутат, мәғариф министрлығы менән һөйләшәсәкмен, тип вәғәҙә бирҙе. Бер бабай йәшәү шартына зарланды. Йортомда газ юҡ, балалар ҙа ҡарамай, тип килгән. Бер төркөм Яҡшымбәт фермерҙары ла керҙе ҡабул итеүгә. Улар депутатҡа ер мәсьәләһе буйынса һорау бирҙе. Зариф Байғусҡаровҡа бирелгән ҡайһы бер һорауҙар урында уҡ хәл ителде, икенселәре артабан өйрәнеү һәм хәл итеү өсөн контролгә алынды. Һәр мөрәжәғәт ентекле өйрәнеләсәк һәм уларға мотлаҡ яуап биреләсәк, тип ышандырҙы РФ Дәүләт Думаһы депутаты. Аҙаҡ Зариф Закир улы Бахмут мәҙәниәт йортона, Иҫке Отрада мәктәбенә һәм Ермолаеволағы “Батыр” балалар баҡсаһына ла барҙы. Унда кәрәк ремонт эштәре менән танышты. Граждандарҙың телдән һәм яҙма рәүештә бирелгән мөрәжәғәттәре менән эште артабан камиллаштырыу маҡсатында 2018 йылдың 23 мартында, 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең 223-сө кабинетында Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин Күмертау ҡалаһы прокуроры менән берлектә граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итә. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ менән ҡабул итеүгә алдан яҙылыу өсөн 6-11-95 телефонына шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ. Автор фотоһы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
93 йәшлек Хәҙисә әбейгә тормоштоң ҡыҙығы ҡалманы: яҡындарына бәлә һалмай үҙ аяҡтарында, үҙ аҡылында йәшәһә ине һуңғы минуттарынаса... - Эйййй! Уйлаһаң - уйылып китерһең... Шунса оҙон ғүмерендә нәмә генә күрмәне лә, ниҙәр генә үткәрмәне... Һөйләһәң - китапҡа һыймаҫ. Ярар, нисек йәшәлһә - шулай йәшәлде инде, артҡа күҙ ташлаһа, оялып, ҡыҙарып ултырырлыҡ бер хилаф эш тә эшләмәгән, Аллаһыма шөкөр. Алыҫ Үзбәкстан ҡомлоғонда 28 йәштә генә тол ҡалып, 4 баланан береһе генә ниндәйҙер мөғжизә менән дизентериянан терелеп, ҡәһәрле һуғыштан һуң 5 йыл үткәс генә, тыуған Башҡортостанына, яратҡан ауылына, ғәзиз инәһенең тупһаһына мең бәләләр менән ҡайтып йығылғайны. Рәхмәтле инде яҙмышына: берҙән - бер улын аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеп, 4 ейәнен үҫтереп, хәҙер 8 бүлә-бүләсәләренә һөйөнөп, килен хөрмәтендә йәшәп ята. Уҡый-яҙа белмәһә лә, ҡара иҫәпкә шәп булды. Заманында алдынғы тракторист булып, үҙе йүнәтеп-рәтләп, хатта двигателен күҙен йомоп та йыя ала ине, шуға улы ла тракторист һөнәрен һайлағандыр инде... Шуныһы ғына хәҙер үкендерә: улын ят ирҙән кәмһеттермәйем тип, ир төҫө күрмәй, яңғыҙ мендәр ҡосаҡлап, һалҡын түшәктә үткәрҙе йәшлеген. - Һәййй, һораусылар ҙа хаяһыҙ ине бит. Йәшкелт-зәңгәр күҙле, һомғол кәүҙәле, тулы күкрәкле, егәрле "йортауай" ҡатын ауылдың йөҙөк ҡашы ине. Яусылап, димләп кенә барған Зиннәтен ғүмергә яратты ла ҡуйҙы шул, башҡалар уның күңелен яулай алманы, ә унан тәүге алышта уҡ батырҙарса һәләк булды, тигән хәбәре генә килде. Донъяны үҙе көттө, тотто: килене ауыҙына ғына ҡарап торҙо, уның һүҙенән сыҡманы. Кем белгән Хоҙайҙың шул тиклем ғүмер биререн, аҙаҡҡы 20 йылында әжәл етеүгә әҙер инде ул. Тик... Ҡыш етһә, ерҙең ап-аҡ мамыҡҡа төрөнөүен, сатлама һыуыҡтарын, ыжғыр бурандарын күҙәтә лә: - Әйй, ошондай, йүнле кеше этен сығармаҫ, көндө ҡәбер ҡаҙыусыларҙы йонсотоп-өшөтөп, үлеп ятып буламы, кит юҡты... Лутсы рәхәтләнеп ейәндәремә башалтай-бейәләй бәйләйем, бирнәләренә мендәр-түшәк әҙерләйем, - тип ҡуя. Йәмле яҙ етһә, күңеле булып тышта йөрөп керә лә: - Кит инде тәбиғәт уянғанда, ағастар япраҡ ярғанда, бөтә донъя йәшеллеккә күмелгәндә, әрүахтар уянғанда, барса ғәм баҡса ултыртҡанда нисек намыҫың етеп ер ҡуйынына кереп ятаһың? - ти. Йылы, ҡояшлы йәйҙәр етһә, ҡаҙ бәпкәләрен көтөп, тауыҡ себештәрен ашатып керә лә: - Бынау тиклем көн оҙононда, бөтә әҙәм бесән әҙерләгәндә, еләк-емеш бешкәндә, кешенең эшен ҡалдырып, оялмай үлеп ятмаҫ инде, балаларына ашарға бешереп булһа ла торор. Ямғырлы, һалҡын елдәр иҫкән көҙ етһә, утынлыҡтан шыңғырҙап торған ҡоро утын керетеп, өйөн йылыта ла: - Халыҡ баҫыу тулы сөгөлдөрҙө таҙартып оҙата, өйҙә бәрәңгене йыйыштыраһы, мал ҡаршылайһы бар, бер ҡулды биш итәһе урында, бар ғәләмде аптыратып китеп бармаҫ инде... Ҡаҙ мамығынан яһалған түшәгендә борһаланып ятты ла, тағы бала сағына ҡайтып ураны. Әтәһе 4 улынан һуң тыуған ҡыҙын бигерәк тә яратты, иркәләне, үҙе менән күтәреп алыр ҙа йөрөр ине, бер ҡунаҡтан ҡалдырманы, хатта эске мәжлестәрендә лә алдына алып ултырта ла: "Хәҙисә арыны, баланың йоҡоһо килә", - тип ҡайта ла китә ине. - Ник илайһың Хәҙисә? - Йығылғайным бит кисә. -Кисә йығылғаның өсөн Ник иларға уйланың? -Кисә илап күрһәтергә, Һин бит өйҙә булманың, - тип гел мәрәкәләй ине... Ине, ине... Сәхәргә тороп, тәһәрәт алып, иртәнге намаҙын уҡыны ла, кире ятты. Килене иртәнге сәйгә саҡырғанда, мәрхүмә "балалары, әтәй-инәһе менән осрашып", йылмайып ята ине... Был 31 октябрь, ураҙаның һуңғы көнө: кешеләрҙең эше бөткән, мал-тыуар ҡураға кергән, ҡырпаҡ ҡына ҡар яуған көн ине... Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бер нисә йыл рәттән беҙҙең республикала урындағы башлан-ғыстарға булышлыҡ итеү программаһы эшләп килә. Был проект шуныһы менән әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы - унда урындағы халыҡ бик әүҙем ҡатнаша һәм йыйылыштарҙа ниндәй проблемаларҙы тәү сиратта хәл итергә, ниндәй объекттарҙы төҙөргә, йә ремонтларға кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итеп, уны күтәреп сыға. Был ҙур эштә халыҡ үҙе ниндәй ярҙам күрһәтә ала икәне лә асыҡлана һәм бағымсылар йәлеп ителә. Урындағы халыҡ программаның тормошҡа ашырылыуын, башҡарылған эштәрҙең сифатын, сығымдарҙың нимәгә тотолоуын күҙәтеп тора ала. 20 сентябрҙә Салауат ҡалаһының 32-се балалар баҡсаһында йыйылыш үтте. Унда халыҡ ошо проектта ҡатнашыу теләген белдерҙе. Йыйылышта программа һәм уны финанслау һорауҙары ҡаралды. Һөйләшеүҙә беҙҙең баҡсаның бер нисә проблемалары һаналып үтелде һәм баҡсабыҙҙың верандаларын капиталь ремонтлау әһәмиәтлерәк тип табылды. Программаға инеү өсөн теләк булыу ғына аҙ. Был эштә урындағы халыҡтың актив булыуы мотлаҡ. Шуның өсөн йыйылышта ҡатнашыусыларҙан инициа-тив төркөм һайланды. Конкурсты үткән осраҡта был төркөм бөтә эште контролдә тотасаҡ. Инициатив төркөм эште башлап та ебәрҙе һәм халыҡтың, ата-әсәләрҙең, балалар баҡсаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең, бағымсыларҙың ярҙа-мына һәм хуплауына ҙур ышаныс менән ҡарайҙар, сөнки балаларҙың тормошон урындағы халыҡ һәм ата-әсәләр берҙәмлеге менән генә ҡыҙыҡлы, шат итеп була. Балалар баҡсаһындағы верандаларҙа беҙҙең бәләкәстәр төрлө һауа шарттарында ҡыҙыҡлы уйындар уйнайҙар, рәхәтләнеп ял итәләр. Урындағы халыҡтың башланғыстарына булышлыҡ итеү программаһы – беҙҙең ҙур өмөт. Балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн бөтәһен дә актив булырға саҡы-рабыҙ. Әлегә кескәйҙәр баҡсала төҫлө ҡәләмдәр менән үҙҙәре күрергә теләгән верандаларҙы төшөрә, ҡағыҙ киҫәктәренән аппликация яһайҙар.
Быйылғы «Йәшлек» гәзитенең беренсе һанында Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан М. Баһаув тигән кешенең «Ҡайҙа һин, «Зема»?..» тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Быйылғы «Йәшлек» гәзитенең беренсе һанында Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан М. Баһаув тигән кешенең «Ҡайҙа һин, «Зема»?..» тигән мәҡәләһе донъя күргәйне. Ул 1977 йылда Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһында «учебкала» Әхәт исемле яҡташы менән бергә булыуы хаҡында яҙа. Фамилияһы Ҡотлоәхмәтов ине, шикелле, ти. Бер увольнениеға сыҡҡан ваҡытттарында фотоға ла төшкән булғандар. Гәзиткә шуны ебәргән. Улар бер-береһенә, шаяртып, «Зема» тип өндәшер булғандар. «Старшина формаһын сисеп шифоньерға элгәнгә утыҙ һигеҙ йыл ваҡыт үтте. Барыбер армия һағындыра, дуҫым «Зема»ны күрге килә. Ошо арала уның тыуған көнө шикелле. Их, үҙен күреп, бер туйғансы һөйләшеп ултырырға ине. Шундай хыял ошоларҙы яҙырға мәжбүр итте. Үкенескә күрә, адресын алырға өлгөрмәнем шул», - тип яҙа Баһаув. Беҙ исем-атына, фотоға ҡарап шунда уҡ ул эҙләгән кешенең Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов икәнен төшөндөк. Бер үк ваҡытта аптырауға ла ҡалдыҡ. Был шәхесте хәҙер республикабыҙҙа күптәр яҡшы белә. Әхәт Йәүҙәт улы ун биш йылдан ашыу инде республикабыҙ райондарының береһен етәкләй, «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжәһе лә бар, Ватаныбыҙ алдында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн наградалары ла етерлек. Республиканың матбуғат баҫмаларында уның фотоһүрәттәре менән әллә күпме материалдар сыҡты, БСТ каналында ла күрһәтеп торалар Әхәт Йәүҙәт улын. Ошоларға бер ҙә иғтибар иткәне булманымы икән ни хеҙмәттәшенең? Беҙ Әбйәлил районынан уны эҙләп табып, шул хаҡта үҙенән һорашып ҡарарға булдыҡ. Ярҙам һорап райондың «Осҡон» гәзите редакцияһына сыҡтыҡ. Рәхмәт ундағы ҡыҙҙарға, оҙаҡҡа һуҙмай, беҙгә кәрәкле кешене эҙләп тә таптылар. Көн үҙәгендә телефон шылтыраны: – Алло, һаумыһығыҙ! Көйөргәҙеләргә сәләм. Мансур Ансар улы Баһаув булам. Мине эҙләгәнһегеҙ икән. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас: – Мансур ағай, һеҙ Әхәт Йәүҙәтович тураһында ысынлап та быға тиклем бер ҙә хәбәрҙар булманығыҙмы ни? – тип һораныҡ унан. – Юҡ шул. Белһәм, мин гәзиткә шулай итеп яҙып ятҡан булыр инемме ни. Әллә ҡасан уның менән бәйләнешкә сығыр инем. Хәҙер белермен инде, – тип шарҡылдап көлә Мансур Ансар улы. – Бынан бер биш йыл элек шундай хәл булды. Телевизорҙан бер кеше ҡулдарын һелтәй-һелтәй хәбәр һөйләп тора. «Бәй, был Әхәт түгелме һуң?» – тигән уй үтеп китте баштан. Уның ғәҙәте шулай була торғайны бит: гел ҡулын һелтәп-һелтәп һөйләргә ярата торғайны. Үкенескә, тапшырыуҙың аҙағына ғына эләктем. Ныҡлап ҡарап өлгөрә алманым. Тормош мәшәҡәттәре менән был хәл онотолоп ҡалды. Беҙ ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттек. Алты ай уҡығандан һуң, «кесе сержант» погондарын тағып, илебеҙҙең төрлө урындарында ил алдындағы бурысыбыҙҙы үтәү өсөн таралыштыҡ. Шул саҡта служактарҙың өй адрестары яҙылған минең блокнотты тартып алдылар. Ярамай, тинеләр. Бына шул арҡала егеттәребеҙ менән оҙаҡ йылдар бәйләнешкә инеп булманы. Бер көндө: «Пенсияға сыҡҡас, ваҡыт етерлек булғас, барыбер уларҙы эҙләп табам», – тип үҙемә үҙем һүҙ бирҙем. Бына икәүһен таптым, шуларҙың береһе – Әхәт дуҫ. Әле тағы дүртәүһен табырға ҡалды, иҫән булһалар, табырмын да. – Ә Әхәт Йәүҙәт улы менән әле бәйләнешкә сыҡтығыҙмы? – Әлбиттә, мәҡәлә сыҡҡас та тиерлек. Сөнки редакция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ минең телефон номерын Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа биргәндәр. Журналистар уны белә бит инде. Бер көндө иртән йоҡонан тороп йыуынып йөрөп ятһам: – Тиҙ бул, һиңә шылтыраталар, – тиҙәр. Телефонды алһам: – Һаумы, «Зема»! – тигән таныш тауыш ишетәм. Әхәт дуҫ бит был! Әхәт Йәүҙәт улы үҙе булып сыҡты! Эй-й, икебеҙҙең дә нисек ҡыуанғанды белһәгеҙ! Танһығыбыҙ ҡанғансы һөйләштек уның менән. Ҡырҡ йылдан һуң бына шундай көтөлмәгән, уйламаған осрашыу. Мин «Йәшлек»кә хәрби хеҙмәт бурысыбыҙҙы үтәгәнгә утыҙ һигеҙ йыл ғүмер үткән, тип яңғылыш яҙғанмын. Ҡырҡ йыл ғүмер һә тигәнсе үткән дә киткән икән. Аралашып, шылтыратып торорға вәғәҙәләштек. – Хеҙмәттәшегеҙҙең район Хакимиәте башлығына тиклем үҫеүен белгәс, һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар тыуҙы? – Ҡыуанысымдың сиге булманы. Әхәт дуҫтың етәкселек сифаттары армияла уҡ беленә ине инде ул. Был турала мәҡәләмдә, белгән шикелле, яҙып та киткәнмен. Уның уҡыу яғынан тырыш булыуы, ауыр материалдарҙы баш күтәрмәй өйрәнеүе, занятиеларҙа шартлатып яуап биреүе – шуға дәлил. Өҫтө-башы һәр саҡ бөхтә, ҡараулы булды. Салбар кеҫәһендә гел плюш туҡыма киҫәге йөрөтә торғайны. Буш ваҡыттарында шуның менән итектәрен ялтыратҡансы таҙартып ҡуя ине. Әйтәм бит, бер көндө юрамал ҡарап йөрөнөм: был «отбой»ға хәтлем итектәрен шул плюшы менән ун һигеҙ тапҡыр таҙартты. Капитан Дворянчиков беҙгә, һеҙ ике башҡорттан былай булғас рәт сыға, ти торғайны. Әхәт Йәүҙәт улының хәҙерге көндә шундай ҙур, яуаплы вазифала эшләп йөрөүе менән ысын күңелдән ғорурланам, уға эшендә, тормошонда уңыштар теләйем, – тине Мансур Ансар улы. Баһауов та капитандарының һүҙен аҡлаған: әрменән ҡайтҡас, Әбйәлил районы мәктәптәренең береһендә уҡытыусы, шунан район гәзитендә хеҙмәткәр, аҙаҡ Эске эштәр бүлегендә милиция булып эшләгән. Юрист, менеджер һөнәрҙәренә эйә булған. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Мөмкинлек сыҡһа, әле лә тик ятмайым, эш булғанда эшләйем, ти Әбйәлил уҙаманы. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Бауыры сирлеләргә гемодиализ процедураһы бик мөһимлеген яҡшы беләбеҙ, пациенттарға аҙнаһына бер нисә тапҡыр дауаханаға барырға тура килә. Тап ошо гемодиализ клиникаларында яһалма интеллект һынау үтә лә инде. Ул табип-эксперттар фекеренә таянып, һәр пациентҡа, уларҙың тәжрибәһен ҡулланып, дауалау билдәләй. Табип яһалма интеллектҡа мөрәжәғәт итеүҙе кәрәкле тип тапһа, программа уға кәңәш бирә, ә уның менән файҙаланырғамы, юҡмы икәнлеген белгес үҙе хәл итә, сөнки бөтә яуаплылыҡ уның өҫтөндә. Программа өҫтөндә йыл буйы эшләгәндәр. Интеллектуаль алгоритмдар терапияның яраҡлы стратегияһын туғыҙ мең яҙма эсенән һайлап алырға ярҙам итә, 50 параметр буйынса анализ үткәрә. Һөҙөмтәлә дауалау сифаты, төпкөлдәрҙә сифатлы медицина ярҙамынан файҙаланыу яҡшырасаҡ. Яһалма аҡылды тормошҡа ашырыу “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы башҡарыла. Федераль бюджеттан уны үҫтереүгә 20 миллион һумлыҡ грант бүленгән. #нацпроекты Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ҡапҡа тышында хужаһын көтөп ятҡан Кетмер шыңшый - шыңшый солан аҫтына инеп боҫто. Сәрүәр этенә өндәште:- Ҡайтып киләме? Шуға йәшенәһеңме? Мә, һауытыңды ла шунда ҡуяйыҡ, аяҡ аҫтында ултырһа, осора тибер тағы. Ялап бөтөрөп ҡуй өйрәңде. Ҡурҡма инде ул тиклем.Кетмер сый - сый итте лә шымды. Хужаһы эсһә, шулайтып илай Кетмер, Башҡа саҡта айырылғыһыҙ дуҫтар улар. Зәки этен йәнендәй күрә, Кетмер уның күҙенә генә ҡарап тора.Сәрүәр бәләкәй ҡапҡаны ҡыҫып ҡына, урам буйына күҙ һалды. Ҡапҡа тышында хужаһын көтөп ятҡан Кетмер шыңшый - шыңшый солан аҫтына инеп боҫто. Сәрүәр этенә өндәште:- Ҡайтып киләме? Шуға йәшенәһеңме? Мә, һауытыңды ла шунда ҡуяйыҡ, аяҡ аҫтында ултырһа, осора тибер тағы. Ялап бөтөрөп ҡуй өйрәңде. Ҡурҡма инде ул тиклем.Кетмер сый - сый итте лә шымды. Хужаһы эсһә, шулайтып илай Кетмер, Башҡа саҡта айырылғыһыҙ дуҫтар улар. Зәки этен йәнендәй күрә, Кетмер уның күҙенә генә ҡарап тора.Сәрүәр бәләкәй ҡапҡаны ҡыҫып ҡына, урам буйына күҙ һалды.Килә ята. Фатималарҙы үткән. Юлға һыймай атлай - улай ҙа сыға, былай ҙа сыға. Һатыбалдар бөгөн өй күтәрә, ти ине. Шунда йөрөй Зәхмәтең, тип шыҡырыҡлап киткәйне бая һайыҫҡан Райхан. Ныҡ һыйлағандар икән - юлға һыймай килә. Быныһы яҡшы. Ныҡ иҫерһә, йоҡлай ул.Килеп етте. Сәрүәр ҡапҡаны шар асып ебәрҙе.- Бәр - бәр - бәр! Бәр - бәр - бәр! Аһ - аһ, ҡалай шым ғына инеп киләһең? Терт итеп ҡалдым! Бар, инә тор, мин хәҙер. Һарыҡтарҙы әпкиләм. Хәҙер сәй эсербеҙ.- А-а - сыҡ - тыр -ҙы... Йәһәтер - рәк!Әйтеп тә өлгөрҙө, һуҙылып та ятты. Быныһы һәйбәт. Урам буйында ҡолап ятмай ул бер ҡасан да, ҡайтып йығыла. Ире ҡайтып ингәс, ҡапҡаһын яптымы - Сәрүәрҙең урамында, өйөндә ни хәлдәр барын Кетмерҙән башҡа берәү ҙә белмәй.Һарыҡтарын бая уҡ бикләне ул, малы - ҡошо ҡарап бөтөлгән. Бына ике аяҡлыһы ла ҡайтып килде. Ҡапҡаны төнгөлөккә бикләргә лә була.- Ҡапҡа төбөндә мине аңдып тораһыңмы? - тигән екереүгә яуап итеп әҙерләп ҡуйғайны һарыҡ саҡырыуҙы, кәрәге теймәне.Көнө буйы тамағына аш бармағайны, хәҙер иһә ныҡ асыҡҡанын тойҙо. Ниңәлер йөрәге лә сәнсеп - сәнсеп алды бөгөн..Бешеренгәйне. Белеп бөткән Зәкиҙең ҡайҙа йөрөһә лә асыҡтырҙы, тип ҡайтырын. Өҫтәл әҙерләне. Хәҙер инер теге. Оҙаҡ ятмай ул ни тиклем генә иҫерек булһа ла, ярты сәғәттән арттырмай. Быныһы һәйбәт ул, юғиһә, ҡыштарын өшөнөр ине күптән. Ана, инеп килә.- Өшөттөрҙө, ҡана сәйеңде яһа ла.Сәрүәр ҙә үҙәк ялғап алды иренә әүрәп.Әсәләренең күршеһе мәрйә Машурканың әйткәне гел иҫендә Сәрүәрҙең,- какуй - никакуй, а мужик фсётки, абышка!Ҡыҙыҡ мәрйә булды Машурка. Башҡорт бисәләре менән телен боҙоп һөйләшә ине.Какуй - никакуй шул. Бына эргәһеңдә бала һымаҡ болғанып, түгеп - сәсеп ултырһа ла, бер мәшәҡәтен дә күрмәй Сәрүәр. Өйрәнде, күнгән дә хәҙер. Башҡа саҡта Зәкиҙән йыйнаҡ ир юҡ.Ошо өҫтәл эргәһенә боронғоса итеп, Зәкиҙән урындыҡ эшләтеп алды Сәрүәр.- Диван тар, әйләнеп ятам, тип ҡолай ҙа төшәһең.Ҡасан ҡолап төшкәнен үҙе белгәс, матур итеп урындыҡ һалып алды Зәки. Ана, рәхәтләнә хәҙер иркендә.Иренең баш аҫтына яҫтыҡ ҡыҫтырҙы ла аяҡтарын һоноп йәнәшә ултырҙы. Салҡан төшөп, тынысһыҙ йоҡлаған Зәкигә, тәү күргәндәй, төбәлде һәм... аптыраны. Нимә булған Зәкигә? Ниндәй зәхмәт ҡағылып уҙған? Ҡасан?Сәрүәр яҫтыҡ эргәһенә тубыҡланды. Һүрән генә төнгө ут яҡтыртҡан ҡаҡса йөҙө йәнһеҙ һымаҡ Зәкиҙең..Сәсе генә түгел, ҡаштары ла салланып киткән икән дә баһа. Бер күрмәүен әйт. Оҙон булып япырайып, һалынып уҡ төшкән күҙ ҡабаҡтарына. Ҡыйылып ҡына үҫкән ҡап - ҡара ҡаштарына сал төшөрлөк ни хәсрәт күргән икән улар?Сәрүәр ирекһеҙҙән эстинәлә элеүле торған ҡайсыһын ынтылып алды. Иренең ҡаштарын тигеҙләп ҡырҡты. Шунан бармағын еүешләп ипләп кенә һыпырып ҡуйҙы. Матур булып ҡалды буйтым. Маңлайына тәрән булып уйылған һырҙарҙы төкөрөкләп һыйпап ҡына тигеҙләп булмаҫтыр.Үҙенә төбәлгән ҡарашты тойҙомо икән әллә - башын күтәрә бирҙе Зәки, тик күҙҙәрен асманы.Ярым асыҡ ирендәренән тештәре ағарып күренә. Тештәре тип - тигеҙ, ап - аҡ ине Зәкиҙең. Ауыҙ тултырып йылмайһа, күҙҙәре нурланып, йөҙө яҡтырып китә ине. Сәрүәр уның тештәренә ҡыҙыға торғайны, йылмайыуын ярата ине. Аһ - аһ, ҡалай Зәки юҡ һымаҡ итеп хәтерләп ултырасы, тәүбә. Теп - тере, һап - һау, бер нәмә белмәй рәхәтләнеп йоҡлай ана, тик йөҙө генә йәнһеҙ кешенеке һымаҡ көлһыу.Һаҡ ҡына ынтылып ауыҙына күҙ һалды ла тағы шаҡ ҡатты...Алғы тештәре ҡайҙа булып бөткән иренең? Ап - аҡ, тип - тигеҙ тештәре?- Аһ - аһ...Зәкиҙе хәҙер үк уятып һорарғамы икән әллә, тип уҡталып ҡуйҙы хатта Сәрүәр.Эйәгендәге уйымы нишләп юҡ? Морат:- Атай, ниңә миңә лә соҡор ҡуйманың? - ти торғайны Морат атаһының алдына ултырып алыр ҙа ине. Сәрүәр яратҡан ул матур уйым ҡайҙа булған?Сикә һөйәктәре, яңаҡтары сурайып ҡалҡҡан, беләктәре - һөйәк тә тире. Нишләткәндәр Зәкиҙе?..Сәрүәрҙең башына эҫе ҡан бәрҙе, йөрәге дарһылдап типте. Урындыҡтан шылып төштө лә ҡайҙа барырға белмәгән кеше кеүек, иҙән уртаһында аңҡы - тиңке булып торҙо ла торҙо. Ҡулдарын йәйеп ебәргән көйө, күҙҙәрен ҙур итеп асҡан килеш.Кемдең иҫерек ғибрәте ята уның түрендә?Зәки түгел, түгел! Уның Зәкиһеме? Һай, уның Зәкиһе! Улмы? Ул ятһамы? Бынау урындыҡ таҡталары эйелеп китер ине Зәки ятһа! Бәһлеүән бит Сәрүәрҙең ире! Ә был?.. Тфү, быға өс тапҡыр!Сәрүәр өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙы ла тағы иренә баҡты. Нишләткәндәр уның ирен?- Һыу бир әле, Сәрүәр....Сәғәт нисә ул? Нишләп йоҡтамай ултыраң? Ят, миңә ҡарама.Сәрүәр һонған бер сүмес һалҡын һыуҙы бөтөргәнсе эсте лә, Зәки арты менән боролоп ятты.Яҡтырып килә. Йоҡлап китә алманы Сәрүәр. Зәкиҙең ошо сиккә етеүендә үҙендә лә ғәйеп барлығын аңлау уның йәнен өшөттө, башын ҡайнатты.Зәкиҙең ҡапыл бирешеүен, ҡапыл олоғайып китеүен нисек күрмәй йөрөгән һуң ул? Маңлай күҙе менән абайламаған, күңел күҙен һуҡырайтҡан Сәрүәр. Өҫтө таҙа, тамағы туҡ, өйө, ҡураһы тулы байлыҡ булһа, Зәкигә, үҙенә лә, шул етә, тип йәшәгән. Нисәмә йылдар! Кире ҡайтарып алып, төҙәтеп, үҙгәртеп булһа икән ғүмерҙе...Ниндәй егет ине бит Зәки! Нисек яратты ул Сәрүәрҙе!Бер йәшкә кесе ине Зәки Сәрүәрҙән. Бер генә йәшкә. Ә Сәрүәр шуны Зәкиҙең алдына кәртә итеп ҡуйҙы. Ҡустым, ти торғайны оҙата килһә, башың йәш әле, тип көлә ине. Оҙон буйлы, мыҡты егет Сәрүәрҙән кесе, тип әйтерлек түгел һис тә, ә ул..- ...Апайың үҙе белә, имеш. Һай, башһыҙ, һай, алйот!Башы йәш булһа ла Сәрүәрҙең был һүҙҙәрен ҡолағына элмәҫкә башы еткән Зҡкиҙең.- Аҡыллым минең.Бухгалтерҙар техникумын тамамлағас, ике йылға Абҙан ауылына эшкә ебәргәндә:- Сәрүәр, һин унда кейәү - мейәүгә сығып ҡуйма, барып, ярып ҡайтасаҡмын, - тип ҡалды. Мотоцикл менән килеп етә ине ҡайҙан - ҡайҙа ятҡан Абҙанға.- Мине көт, йәме, Сәрүәр. Мин һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтермәйем. Һине яратам мин, һинһеҙ йәшәй алмайым, Сәрүәр! Ишет мине!Зәки флотта өс йыл хеҙмәт итеп ауылға ҡайтыуға, Сәрүәр ҙә, өс йыл тигәндә, кейәүгә сығып, бер бала менән айырылып ҡайтырға өлгөргәйне...Ҡалаға эшкә китергә йыйынып йөрөгән Сәрүәрҙең сумаҙанын ҡулынан һыпыра тартып алды теге көҙҙә.- Спокуха, Мәфтуха апай, ну Сәрүәр бер ҡайҙа ла китмәйәсәк! Сыҡ, ултыр матайға! Ҡайҙа Морат? Әйҙә, моряк, ҡайттыҡ!... - Дыуамалым минең. Аҡыллым минең. Рәхмәт һиңә...Сәрүәр күҙ йәштәрен һөрттө.Зәкигә бер генә бала табып бирҙе. Ҡыҙ бала.- Алтышар ай һыу аҫтында йөрөнөк бит. Ярай, бер малай, бер ҡыҙ етә-ә...Һыу аҫтының ғәйебе юҡ ине, Сәрүәр үҙе хәл итте икәүҙән арттырмаҫҡа....Алйот мин. А-ах, алйот.Морат хеҙмәт иткән ерендә ҡалды, Зарифа ла күптән осто оянан. Ҡыҙ бала ҡанатлы була бит. Улар килгәндә генә терелеп ала Зәки.Икәүҙән икәү ҡалдылармы, Зәки - күләгә.Көндәр буйы һөйләшмәй йөрөй ала ине Сәрүәр, ә Зәки - тел биҫтәһе.Уға аралашырға, эс бүҫкәртергә кәрәк булған. Бигерәк тә эшһеҙ ҡалғас, өйҙә толҡа таба алмай башлағас.Ә Сәрүәр баш ҡалҡытмай донъя көттө лә көттө, көттө лә көттө. Зәки йомошсо малай ғына булды уның өсөн. Бер йәшкә генә булһа ла, оло икәнен ниңәлер онотманы Сәрүәр. Ирен тиң күрмәне, тип булмай, үҙенсә яратты ла, тик бер ҡасан да йөҙөнә сығарманы тойғоларын, ҡырыҫ булды. Ир өлөшөнә тейешле иркә, наҙлы һүҙҙәр быҙау - бәрәстәгә, бәпкәләргә, себештәргә әйтелде.... Эй Аллам. Мин дә тормаҫ инем өйҙә Зәки урынында булһам... Нимә бар бында миңә, - тиер инем.Сәрүәрҙең ауыр итеп көрһөнөүенә Зәки башын бороп ҡараны. Тағы һыу һорап эсте лә тороп тышҡа сыҡты.Ауылға сығып китмәһен, бороп индерергә кәрәк булыр. Астан - ас йөрөр тағы.- Зәки! Сәй эсәйек!- Ярай. Хәҙер.Ире бара - бара оҙағыраҡҡа юғала башланы өйҙән, ҡайҙа йөрөгәнен дә әйтмәй ине. Аяғында ла тора алмай, ауа - түнә ҡайтҡан саҡтары ла йышайҙы.- Зәкиәхмәтме һин, зәхмәтме? - тип әрләгәнен ишетеп ҡалғандар. Иренә Зәхмәт, тип өндәшә башлағас, үртәлеүҙәре...Ана бит һайыҫҡан Райханға тиклем Зәхмәтең, тип торған була, ҡорсаңғы. Үҙенең Рәжәбен белһен.Үкенеүҙән файҙа юҡ. Терһәк яҡын да ул, бына ғына, ә күңелдәр алыҫайған, йәндәр һалҡынайған. Төҙәтә алмаҫлыҡ хата аҙым, моғайын атланмағандыр, эш үтмәгәндер, моғайын. Юҡтыр әле, юҡтыр!- Быҙауҙарҙы ҡуштым, имһендәр әйҙә, байрам итһендәр. Йоҡламаның бит, Сәрүәр.Ҡапыл ырғып торғанғамы, башы әйләнеп, сайҡалып китте Сәрүәр, шулай ҙа Зәкигә ҡаршы барырға хәле етте.- Зәки, Зәкиәхмәтем минең...Иренең ап - аҡ сәстәрен, ҡаштарын, күҙҙәрен, сикәләрен һыйпап һөйҙө.- Ғәфү ит мине, Зәкиәхмәт. Мин ул зәхмәт, һин түгел. Янымдағы бәхетемде шәм яндырып ситтән эҙләнем. Эҙләмәнем дә, күҙ йомоп тик барғанмын... Зинһар, кисер мине. Ҡуй, бүтән улайтмайыҡ, Зәкиәхмәт, матур итеп йәшәйек, йәме? Һиңә бит әле.. Юҡ - юҡ, беҙгә! Беҙгә бит әле ҡырҡ бишәр генә йәш!Сәрүәр йәш тулы күҙҙәрен иренә төбәне.- Зәки, беҙҙең әллә урта йәштәр көрсөгө булып торҙо микән?Зәки Сәрүәрҙең күҙҙәрен һөрттө лә косағына ҡыҫты.- Ярай, әйҙә, шулай булған икән ти.-Аҡыллым минең. Һин мине яңғыҙ итә күрмә, Зәкиәхмәт. Һинһеҙ йәшәй алмам мин, һарыларға тарырмын. Үлермен.Иренең күкрәгенә һыйынған Сәрүәр Зәкиәхмәтенең бәхетле йылмайыуын, күҙҙәренең нур сәсеп балҡып китеүен күрмәһә лә йөрәге менән тойҙо. Ошоға тиклем бер ҡасан да татымаған йылылыҡ, наҙ солғап алды Сәрүәрҙе. Таңһылыу Ҡарасурина Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Мәғариф һәм фән өлкәһендәге федераль күҙәтеү хеҙмәте бойороғо буйынса, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре 14 сентябрҙән 12 октябргә тиклем уҙғарылырға тейеш. Үткән уҡыу йылында, яҙ көнө, коронавирус пандемияһы арҡаһында дистанцион уҡыуға күсеү сәбәпле, IV - VIII cиныф уҡыусылары өсөн тикшереү эштәре үткәрелмәй ҡалғайны. Бына хәҙер, улар V - IX синыфҡа күскәс, ойоштороласаҡ. Бөтә Рәсәй тикшереү эштәренең һөҙөмтәләре уҡыусылар, уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр өсөн мөһим. Балаларҙың белем кимәлен билдәләргә, нимәгә нығыраҡ иғтибар бүлергә, ҡайһы темалар буйынса күберәк эшләргә кәрәклеген белергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә тикшереү эштәренең уҡыу йылы башында үтеүе отошлораҡ та, тип һанайҙар. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Туғайҙарҙы ҡаплап үҫкән, йә иһә баҡсалағы сүп үләне тип иҫәпләнгән һары башлы бәпембәнең сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур булыуын күптәр белмәй, уны өҙә, утай, ташлай. Ашыҡмайыраҡ тороғоҙ, бер атҡанда ике ҡуянды эләктерергә лә мөмкин. Бигерәк тә был баҡсасыларға ҡағыла, сөнки улар түтәлдәрҙе утағанда бәпембәне йыш өҙөүсән. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ ине. Туғайҙарҙы ҡаплап үҫкән, йә иһә баҡсалағы сүп үләне тип иҫәпләнгән һары башлы бәпембәнең сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур булыуын күптәр белмәй, уны өҙә, утай, ташлай. Ашыҡмайыраҡ тороғоҙ, бер атҡанда ике ҡуянды эләктерергә лә мөмкин. Бигерәк тә был баҡсасыларға ҡағыла, сөнки улар түтәлдәрҙе утағанда бәпембәне йыш өҙөүсән. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ ине. Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән, ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан боҙолған тәнде дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына яҡшы тәьҫир итә. Был үҫемлек көс бирә, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, борсолғанда тәҡдим ителә. Ул тән температураһын төшөрә, тирҙе, үтте ҡыуа, тынысландыра, йоҡлай алмағанда ярҙам итә. Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизмдан яфаланғанда ауыртҡан урындарға һөртәләр. Сылатҡыс һәм компресс килеш быуындар ауыртҡанда ҡулланалар, ә һөйәктәрҙең ялғанып үҫеп китеүен тиҙләтеү өсөн үҫемлектең һутын саф килеш йәки кишерҙеке менән ҡушып ҡабул итергә кәңәш бирелә. Аяҡ ауыртҡанда бәпембә төнәтмәһен эшләү өсөн ҡараңғылатылған ярты литрлыҡ шешәне бәпембә сәскәһе менән тултырабыҙ, унда 2-3 флакон одеколонды бушатабыҙ һәм ике-өс аҙна төнәтәбеҙ. Аяҡтар ауыртҡанда табандан тубыҡҡа тиклем ышҡымайынса һөртәбеҙ. Одеколон урынына медицина спиртын файҙаланырға мөмкин. Эс ҡатҡанда һәм күпкәндә, бер аш ҡалағы бәпембә сәскәһенә бер стакан һыу һалып, 15 минут талғын утта ҡайнатабыҙ. Ярты сәғәт төнәтәбеҙ. Берәр ҡалаҡлап көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Аҙ ҡанлылыҡты дауалау өсөн өсәр аш ҡалағы бәпембә сәскәһе менән кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға. Ике аш ҡалағы кесерткән һәм бер аш ҡалағы әрем өҫтәргә. Шунан бер литр ҡайнар һыу һалырға. Көнөнә алты тапҡыр 50-шәр мл эсергә. Бәпембәнең тамырын ҡаҙып алып ҡыҙҙырырға һәм ҡәһүә урынына эсергә була - ул организмды нығыта. Тамырҙарҙы көҙ һуңында йәки яҙ ҡаҙып алығыҙ, йәй мәлендә бигүк файҙалы булмай. Бәпембә һутын һаҡлау өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары, сәскәләре менән ит үткәргес аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар, унан стерилләнгән банкаларға бушаталар. Сәләмәт булайыҡ! Фото: zen.yandex.ru Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/B-pemb--me-sir-n-daua-239096/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Эй, был Радик Юлъяҡшин! Тамам халыҡты аптырата бит. Тәүҙә Бөрйәндәге концертына тиҫтәнән артыҡ һаҡсы менән килгән тип зыҡ ҡуптылар. Әле социаль селтәрҙәрҙә ошо концерт хаҡында бәхәс ҡупты. Мәҫәлән, "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге Бөрйән районы төркөмөндә концертҡа халыҡты күберәк килтереү өсөн ауыл клубтарын бикләп ҡуйғандар тип яҙғандар. "Сәләм. Минең бер үҙемә генә шулай тойоламы? Элвин Грей килер алдынан ике аҙна буйы ауыл клубтарында дискотека үткәрмәнеләр. Ҡайһы ауылға барма, клубтар гел бикле. Клуб хеҙмәткәрҙәре, әллә һеҙгә тансы-мансы үткәрмәҫкә, концертҡа кеше күп килһен тигән фарман булдымы?" - тип яҙған берәү. "Шул тиклем аҡсаға билет алып кем килһен? Элекке замандағы кеүек мәғәнәле йырҙар булһа бер хәл..." - тип яуаплаған уға икенсеһе. Фекерҙәр төрлөсә. Берәүҙәре йырсыны яҡлай, клуб хеҙмәткәрҙәре лә яуапһыҙ ҡалмаған. "Һеҙгә танцы булды ни, булманы ни, элекке кеүек йәштәр клубта бейемәй хәҙер. Беҙҙә клуб асыҡ тора, эстә иң күбе өс-дүрт кеше, ҡалғандар машинала музыка аҡырта. Үҙегеҙ урамда йөрөр булғас, нимәгә һеҙгә клубтың асыҡ булыуы?" - тип яуап биргән клуб хеҙмәткәре Рәзилә. Был Элвин Грей тағы ниндәй бәхәс сығарыр икән?! https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/radik-yulya-shin-b-ry-nd-r-e-talashtyr-y/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
1994 йылдың 11 декабрендә Чечен Республикаһында тоҡанған утты беҙҙең илдә «һуғыш» тип атарға ғәҙәтләнмәгәндәр. Матбуғатта, рәсми документтарҙа ул «Конституцион тәртип урынлаштырыу», «Чечен кампанияһы», «Контртеррористик операция» кеүек исемдәр менән йөрөтөлә. 1994 йылдың 11 декабрендә Чечен Республикаһында тоҡанған утты беҙҙең илдә «һуғыш» тип атарға ғәҙәтләнмәгәндәр. Матбуғатта, рәсми документтарҙа ул «Конституцион тәртип урынлаштырыу», «Чечен кампанияһы», «Контртеррористик операция» кеүек исемдәр менән йөрөтөлә. Әммә ошо осорҙа Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгән һәр егет был ваҡиғаларҙың ысын яу икәнлеген белә, сөнки улар ҡан ҡойоп һуғышты, иптәштәрен юғалтты, әсирлеккә эләкте, танк эсендә янды, минаға эләгеп, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ, йә күҙһеҙ ҡалды, һәләк булды... Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарының да күңелдәре, йөрәктәре ҡаралай көйөп, утлы күмергә әйләнде. Был көндән алып 26 йыл үтһә лә, ҡурҡыныс, фажиғәле көндәр 20 йәшендә генә ветеран исемен алған яугирҙәр хәтеренән юйылмай. Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән 5042 һалдат 1994 – 1996 йылдарҙа барған беренсе Чечен һуғышында, тағы 4572-һе 1999 – 2002 йылдарҙағы локаль бәрелештәрҙә һәләк булды, 700-гә яҡыны хәбәрһеҙ юғалды. Кавказ тауҙарында барған аяуһыҙ яуҙарҙа Әбйәлил егеттәре лә башын һалды. Улар тураһында хәтер һүнмәһен, юйылмаһын тигән маҡсатта «Боевое братство» ойошмаһының район филиалы яугирҙәре, Асҡарҙа үҙ көстәре менән ҡуйылған мемориалға йыл да 11 декабрҙә сәскәләр һалыуҙы, иҫтәлекле сара уҙғарыуҙы йолаға әйләндерҙе. Быйыл, хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, район үҙәгенә тиҫтәгә яҡын хәрби хәрәкәттәр ветераны килде. Тантаналы митингыла шулай уҡ район хәрби комиссары урынбаҫары М. В. Гребенщиков, Афғанстан һуғышы ветерандарының район ойошмаһы етәксеһе И. И. Хәйризаманов, ДОСААФ етәксеһе А. Б. Хәкимов ҡатнашты. Улар егеттәргә тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеүҙәре өсөн рәхмәт белдереп, ныҡлы һаулыҡ, донъяларҙың имен тороуын теләне. «Боевое братство» ойошмаһының урындағы етәксеһе Рузил Низаметдинов һәм уның урынбаҫары Салауат Хөснийәров ағымдағы йылда башҡарылған эштәр, пландар менән таныштырғандан һуң, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, бөгөн араларында булмаған ҡоралдаштарын иҫкә алып, мемориалға сәскәләр һалды. С. У. Хөснийәров шулай уҡ ойошма эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуҙары, һәр ваҡыт ныҡлы терәк булыуҙары өсөн хәрби хәрәкәттәр ветерандарының тормош юлдаштарын тәбрикләп, «Боевое братство» исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
«Вести недели» тапшырыуына биргән интервьюһында ил башлығы гипертауышлы яңы ракета тураһында һүҙ ҡуҙғатты. «Бындай ҡорал әлегә бер илдә лә юҡ. Әлбиттә, һуңғараҡ, улар ҙа ошондай ракета уйлап табасаҡ, әммә ул мәлгә беҙҙә инде был ҡоралға ҡаршы ҡорал эшләнәсәк», — тине ул. Гипертауышлы ракетаның тиҙлегенә күҙ эйәрмәй һәм уны әлегә бер радар ҙа эләктерә алмай икән. фото: "Российская газета" Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
4 мартта Сөләймән ауылында барлыҡ талаптарға яуап биреп төҙөлгән "Айтал" яуаплылығы сикләәнгән йәмғиәтенең (директоры Ғәлиән Әминов) сыр етештереү цехы үҙ эшен башланы.(Дауамы сайтта). 4 мартта Сөләймән ауылында барлыҡ талаптарға яуап биреп төҙөлгән "Айтал" яуаплылығы сикләәнгән йәмғиәтенең (директоры Ғәлиән Әминов) сыр етештереү цехы үҙ эшен башланы. Һөт менән райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тәьмин итә. Тәүлегенә 300 литр һөт эшкәртелә. Ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар бик тәмле булыуы менән айырылып тора. Киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән сыр ҙур һорау менән ҡулланылыр, тигән өмөттәбеҙ. Сыр етештереүҙә эшләйәсәк белгестәр Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән аграр университетта белемдәрен камиллаштырып ҡайтты. Тәмле һәм файһалы сыр тиҙҙән беҙҙең табынға ла килеп етер әле. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Дүртөйлө һәм Илеш райондары спортсылары араһында бильярд буйынса Риф Мәрҙәмшин кубогына шәхси беренселек уҙҙы. Бындай ярыштарҙың барлыҡҡа килеүе көтөлгән һәм законсалыҡлы хәл ине - Риф Хабназар улы бөгөнгө көндә районда бильярд спорты уҡытыусыһы булараҡ билдәле. Ә элегерәк титуллы спортсы ғына түгел, тәү сиратта, 7 СССР спорт мастеры һәм спорттың күп төрҙәрендә спорт мастерлығына 15 кандидат әҙерләгән тренер булараҡ билдәле ине. Районда теннис һәм бильярдты популярлаштырыу һәм үҫтереүҙең юл башында ла ул торҙо. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Наил Ғүмәров беренселектә еңеү яулады, икенсе урын Мансур Мөхтәруллинда, Альберт Сухов өсөнсө булды. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев Риф Хабназар улына ҡала һәм район алдындағы хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалын тапшырҙы. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Николай Цулыгин «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде. Белгес менән контракт оҙайтыу ихтималлығы менән бер миҙгелгә төҙөлгән, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте. ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Николай Цулыгин «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде. Белгес менән контракт оҙайтыу ихтималлығы менән бер миҙгелгә төҙөлгән, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Николай Цулыгин, уйын карьераһын тамамлағандан һуң, «юлаевсылар» олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, «Толпар»ҙа эшләне, ә уҙған миҙгелдә төп команданың тренерҙар штабына инде. «Беҙ команданы ҡасан туплау, быйыл йәй нисек шөғөлләнеү тураһында хәл иттек. Беҙгә миҙгелгә ныҡлап әҙерләнеү зарур. Алдағы көндәрҙә индивидуаль әҙерлек буйынса программалар төҙөп, уйынсыларға ебәрергә кәрәк. Улар күнекмәләргә әҙер булырға тейеш», — тине интервьюһында «юлаевсылар»ҙың яңы тренеры. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан командаһының тренеры булыу – ҙур яуаплылыҡ, сөнки «Салауат Юлаев» команда ғына түгел, ә тотош республика, беҙҙә хоккей көйәрмәндәре бик күп. «Беҙ командаға ҙур файҙа һәм уңыш килтереү өсөн үҙебеҙгә ошо яуаплылыҡты алдыҡ», — тип өҫтәне Николай Цулыгин. Белешмә. Цулыгин Николай Леонидович 1975 йылдың 28 майында Өфөлә тыуған. Уйынсының карьераһы: «Салауат Юлаев» (1990-1994, 1998/99, 2000/01, 2001/02, 2004/05, 2005/06, 2006/07), ЦСКА (1995), «Балтимор» (АХЛ, 1995/96, 1996/97), «Анахайм Майти Дакс» (Милли хоккей лигаһы, 1996/97), «Форт Уэйн» (ИХЛ, 1996/97, 1998/99), «Цинциннати» (АХЛ, 1997/98), «Аҡ Барыҫ» (1999/00), «Северсталь» (2000/01), «Металлург» Магнитогорск (2002/03), «Нефтехимик»(2002/03, 2003/04), «Динамо» Мәскәү (2004/05), «Сибирь» (2007), «Торпедо» Түбәнге Новгород (2007/08). Тренерҙың карьераһы: «Салауат Юлаев» олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (2011-2014), «Толпар» (2015-2017), «Салауат Юлаев» (2017 йылдан хәҙерге көнгә тиклем). http://www.bashinform.ru/news/1142700-salavat-yulaev-podpisal-kontrakt-s-novym-glavnym-trenerom-/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
“Мәҙәниәт” милли проекты ижади кешеләргә квалификацияһын күтәреүгә булышлыҡ ҡыласаҡ. Тәүге тапҡыр үткәрелгән сарала бушлай ярҙам күрһәтелә. Өфөлә милли проекттың “Ижади кешеләр” төбәк проектына ярашлы мәҙәниәт өлкәһендәге ижади һәм идара итеү белгестәренең квалификацияһын күтәреү буйынса саралар бара. Өҫтәмә һөнәри программалар буйынса быйыл 351 кеше белем аласаҡ. Уҡыу тамамланғас, уларҙың һәр береһенә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында һәм А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһында квалификация күтәреү тураһында танытма тапшырыласаҡ. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡыу-методика үҙәге директоры Лариса Марешова әйтеүенсә, милли проекттың “Ижади кешеләр” төбәк проектында өлкә буйынса маҡсатлы күрһәткестәр, башҡараһы эштәр, бурыстар билдәләнгән. “Квалификацияны күтәреүгә килешеүҙәр Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы һәм А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы менән төҙөлдө, – тине үҙәк директоры. – Тәүге юғары уҡыу йортоноң алдынғы профессорҙары, уҡытыусылары 3 сентябрҙән лекция дәрестәре, оҫталыҡ кластары үткәрҙе. 16 сентябрҙә Өфөгә ошо уҡ академияның юғары квалификациялы уҡытыусыһы Зоя Гуменюк һәм профессор, махсус фортепиано кафедраһы мөдире Владимир Тропп килде. Көҙ аҙағына тиклем шулай уҡ ҡыллы халыҡ инструменттары кафедраһы профессоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Цыганков дәрестәр үткәрәсәк. Төрлө программалар буйынса уҡытыу З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында һәм Урта махсус музыка колледжының концерт залында ойошторола”. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Башҡортостанда бөҙрәханалар һәм оптика салондары эшләй башлай. Был хаҡта 13 апрелдәге кәңәшмәлә хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн үҙ ишектәрен асырға тейешле ойошмалар исемлеген ентекле өйрәнергә һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәгәндә генә эшләргә рөхсәт бирергә ҡушты. «Ҡағиҙәләрҙе боҙған предприятиелар ябыла. Төп шарт – эштә битлектәр, бирсәткәләр ҡулланыу, дезинфекция үткәреү, дистанцияны тотоу. Уҙған аҙнала ломбардтарҙа тишереүҙәр уҙғарылды, ҡайһы берҙәрендә нормаларҙы боҙоуҙар асыҡланды, шуға улар ябылды. Шулай уҡ бер нисә аҙыҡ-түлек магазины етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсе ябылды», — тине Андрей Назаров. #өйҙәЯҡшыраҡ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Шаран ауылы футбол майҙанында Шаран районы хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре йыйылма командалары һәм 5 – 11-се класс уҡыусылары араһында “Көҙгө кросс” район ярыштары үтте. Шаран ауылы футбол майҙанында Шаран районы хеҙмәт коллективтары, ауыл биләмәләре йыйылма командалары һәм 5 – 11-се класс уҡыусылары араһында “Көҙгө кросс” район ярыштары үтте. Старт алдынан бишенсе класс уҡыусыларының да, өлкән ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың да берҙәй тулҡынланыуын күҙәтеүе ҡыҙыҡ булды. Бер кем дә үҙ алдына беренсе булыу маҡсатын ҡуйманы, әммә йүгереүселәрҙең һәр ҡайһыһы кү-ңеленән башҡаларҙы уҙыу йәки һис юғы финишҡа уңышлы килеп етеү өмөтө менән янды. Еңеүселәр һәм призерҙар араһында район үҙәгенең ике мәктәбе, Мишәр, Наратаҫты, Түбән Ташлы һәм башҡа мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ төрлө һөнәр вәкилдәре – уҡытыусылар, медиктар, энергетиктар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылар, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре һ. б. бар ине. Барлыҡ призерҙар грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде, әммә иң төп бүләк – ҡурҡыуҙы еңеп, дистанцияны үтә алыу. күптәр ярыштарҙан һуң даими күнегеүҙәр үтәргә, сәләмәт тормош менән йәшәргә һәм әүҙем хәрәкәтләнергә кәрәк, тигән уйҙар менән китте. М. Әхмәтова фотоһы. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
1-се лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы Юлия ЗБИЦКАЯ VI Бөтә Рәсәй «Йәш архивсы – 2018» үҫмерҙәр уҡыу-тикшереү эштәре конкурсында ҡатнашып, «Сауҙәгәр Симоновтарҙың пар тирмәне» тигән эш өсөн II урын яуланы. Ошо ҡаҙанышы өсөн уға һәм уның ғилми етәкселәренә ҡала кимәлендә лә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. – Мин үҙем дә тарих факультетын тамамланым. Шуға ла Юлия Збицкая һайлаған юл миңә ят түгел. Ҡала шөһрәтен мәртәбәле конкурста танытҡан ҡыҙҙы һәм уның ғилми етәкселәрен фәнни-тикшереү эштәре өсөн ҡотлайбыҙ һәм уларға Ватаныбыҙҙың тарихи үткәнен тергеҙергә, аңларға ярҙам иткән материалдарға һәм архив документтарына таянып, тарих мәктәбе традицияларын дауам итеү эшмәкәрлектәрендә артабан да уңыштар теләйбеҙ, – тине еңеүсене ҡотлап ҡала хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Рөстәм Мөшәрәпов. Юлия Збицкаяның был тәүге еңеүе түгел икән, ул фәнни-тикшереү конференцияһында «Йәш архивсы» конкурсында 2017 йылда ла «Стәрлетамаҡтың баҙар майҙаны» тигән эше менән ҡатнашҡан булған. – Тарихсының эшен архив документтарын өйрәнмәүҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙ бер нисә тапҡыр Өфөгә, Башҡортостандың милли архивына барып, шулай уҡ Стәрлетамаҡ архивында материалдар тупланыҡ. Әле лә тикшереү эшен дауам итеп, сауҙагәр Симоновтарҙың вариҫтарын эҙләйбеҙ, - тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты йәш архивсы Юлия Збицкая. – 2019 йылда беҙ Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү бик мөһим, сөнки ҡалабыҙҙың йомаҡтары ла, серҙәре лә етерлек әле, – тип әңгәмәбеҙгә ҡушылды уның уҡытыусыһы Галина Шургаева. – Шуларҙың береһе – Симоновтарҙың тирмәне. Беҙ был йәһәттән эште 2017 йылда уҡ башлағайныҡ инде, оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙән һәм архив материалдарын, фотодокументтарҙы өйрәнгәндән, Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшкәндән, ҡалалағы йәшәүсе оло быуын вәкилдәре менән һөйләшкәндән һуң, Ашҡаҙар йылғаһының ярында урын-лашҡан ташландыҡ йорттоң ХХ быуат башында Симоновтарҙың тирмәне булыуын асыҡланыҡ. Фәҡәт Башҡортостандың мәҙәни мираҫы объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса, Идаралыҡҡа ошо бинаны тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле булараҡ дәүләт һаҡлаған объекттар иҫәбенә индереүҙе һорап яҙған беҙҙең хат арҡаһында, 2018 йылда Симоновтарҙың тирмәне республиканың мәҙәни мираҫы объекты булып танылды һәм әле ул дәүләт тарафынан һаҡлана, – тип һүҙен тамамланы ул ғорурланып. Әлбиттә, тарихсыларға, архивсыларға ҡалабыҙҙың беҙгә билдәле булмаған биттәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Римма ҒӘЛИМОВА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Стәрлетамаҡ ҡалаһында тиҙҙән һөт фабрикаһы эш башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта проект тамамланыу алдында. Яңы пред-приятие төбәктең Башҡорт сауҙа һәм ҡунаҡсыллыҡ колледжы базаһының элекке ашханаһында урынлашҡан. Төбәктә асыласаҡ кухня Стәрлетамаҡ ҡалаһын һәм уға яҡын райондарҙы хеҙмәтләндерә ала. Фабрика әҙер тиерлек, эш башлар өсөн ойоштороу эштәре буйынса ваҡ мәшәҡәттәр генә ҡалған. Мәсьәлә уҙған аҙнала «Һаулыҡ һаҡлау сәғәтендә» лә күтәрелде. Республика етәкселеге тиҙ арала хәл итеү юлдарын табып, кухняны файҙаланыуға тапшырырға ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ата-әсәләр араһында һорау алыу үткәреп, һөт кухнялары етештергән продукцияға ихтыяжды өйрәнеү, был тәңгәлдә республика закондарын федераль ҡануниәткә яраҡлаштырыу бурысын ҡуйҙы. – Был ҡоролмалар тап балалар туҡланыу аҙығы етештереү өсөн эшләнелгән. Әлеге ваҡытта өс цех ойошторолған. Уларҙың барыһы ла дәүләт стандарттарына яуап бирә. Рәсәйҙә етештерелгән ҡоролмаларҙа һөт ризыҡтарын етештереү махсус технология буйынса башҡарыла. Аҙыҡтар алты айлыҡ сабыйҙар өсөн дә яраҡлы, – ти компанияның инженеры Андрей Котиков. Әйткәндәй, бөгөнгә тиклем республикала балаларҙы һөт ризыҡтары менән тәьмин иткән тик бер генә учреждение эшләй. Стәрлетамаҡта эш башлаясаҡ һөт кухняһында кәмендә 15 эш урыны булдырыласаҡ. Предприятиеның колледж бинаһында урынлашыуы студенттар өсөн дә ҡулай. Һөт ризыҡтарын өйрәнгән йәштәрҙә киләсәк йүнәлешкә нигеҙ һалыныуы ла ихтимал. Ф. ҒӘЛИЕВА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Айыу алыр егетте атынан танырмын, бүре алыр егетте бүркенән танырмын. Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй. Айыуҙы еңгән - ярты ир, асыуҙы еңгән - бөтөн ир. Айыу атырҙың аяғынан, бүре атырҙың бүркенән билгеле.Айыу балаһын алға һалһаң да иш булмаҫ.Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ.Айыу беләгенә, әҙәм белегенә ышана.Айыу ҡашҡа булмаҫ, яман яҡшы булмаҫ.Айыу өңөндә, ҡурҡаҡ өйөндә көслө.Айыу урманды һаҡлай, урман айыуҙы һаҡлай.Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, йүнһеҙгә аҡыл өйрәткән - һабаҡ.Айыуҙан ҡасҡан - бүрегә тарыған; дошмандан ҡасҡан - үлемгә тарыған.Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ, сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ.Айыуҙы айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ.Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.Айыуҙы үҙ майы менән майлайҙар.Айыу сәмләнһә, ҡоралайҙы баҫтырыр.Айыуҙы үлтермәҫ борон тиреһен һатмайҙар.Айыуҙың үҙен тапҡас, эҙен эҙләмә.Айыу-бүре берекмәҫ. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө төбәктәрҙән сетерекле мәсьәләләр буйынса һорауҙар даими килә. Бына шуларҙың сираттағыһы: “Стәрлетамаҡ – Красноусол трассаһы буйында урынлашҡан “Тандер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлеү базаһы янында һәр ваҡыт йөк машиналары тора, улар еңел машиналарға, “Ашығыс ярҙам”, янғын хеҙмәттәре техникаһына үтергә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Бигерәк тә әлеге ҡышҡы осорҙа ошо арҡала юлда тығын барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙә 20-30 минут буйы көтөргә тура килә. Зинһар өсөн әлеге ойошманың етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, сит тарафтарҙан килгән йөк машиналарын ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итегеҙ. 2020 йылда бында туҡталышты тыйған билдә ҡуйылды, әммә бының менән проблема хәл ителмәне. Йөк машиналарына, ысынлап та, туҡтарға урын юҡ, шуға күрә улар юл ситендә торорға мәжбүр. Белеүебеҙсә, әлеге юл участкаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы биләмәһенә ҡарай. Юл ситтәрен ҡый үләндәре, ҡырағай саған баҫҡан...” Был мөрәжәғәткә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов яуап бирҙе: “2021 йылдың 24 февраленә ҡарата йөк ташыусы ойошмалар менән йөктө графикка ярашлы ташыу мәсьәләһе тикшерелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Стәрлетамаҡ – Красноусол трассаһына 3.27-се һанлы “Туҡтау тыйыла” билдәһе ҡуйылды”. Фото: "Инцидент - Менеджмент". Автор: Гөлдәр Яҡшығолова Башҡортостан гәзите сайтынан алынды Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй медиктарына хеҙмәт хаҡын яңыса иҫәпләйҙәр. Медиктарҙың эш хаҡы структураһына талаптар закон кимәлендә раҫлана. Рәсәй президенты Владимир Путин 2 октябрҙә уҙған һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу тураһында кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ошондай йөкләмә бирҙе, тип хәбәр ителә Кремль сайтында. Рәсәй медиктарына хеҙмәт хаҡын яңыса иҫәпләйҙәр. Медиктарҙың эш хаҡы структураһына талаптар закон кимәлендә раҫлана. Рәсәй президенты Владимир Путин 2 октябрҙә уҙған һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу тураһында кәңәшмә йомғаҡтары буйынса ошондай йөкләмә бирҙе, тип хәбәр ителә Кремль сайтында. «Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы структураһына талаптарҙы раҫлауға, шул иҫәптән хеҙмәт хаҡы структураһында вазифа окладтары буйынса гарантияланған түләүҙәр өлөшөн билдәләүгә йүнәлтелгән тейешле норматив хоҡуҡи акттарҙы ҡабул итергә, шул уҡ ваҡытта компенсация һәм башҡа түләүҙәрҙе кәметмәүҙе күҙ уңында тоторға», — тиелә документта. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренә берҙәм дәртләндереү рәүешендәге түләүҙәр исемлеген һәм берҙәм компенсация түләүҙәре исемлеген, шулай уҡ күрһәтелгән түләүҙәрҙе тәғәйенләү шарттарын билдәләүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Йөкләмәләрҙе үтәү ваҡыты – 2020 йылдың 30 апреле. Үткән кесаҙнала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға арналған кәңәшмәлә сығыш яһап, дәүләт башлығы оклад өлөшөн арттырғанда медиктарға өҫтәмә түләүҙәрҙе кәметеүгә бәйле фокустарға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы. «Оклад өлөшөн арттырғанда компенсация һәм башҡа түләүҙәрҙең кәметелмәүе, ошо фокустың булмауы мөһим», — тип президенттың һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости». #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтəр сəхифəлəренə бына ошолай тип яҙған:- Уҙған йəкшəмбелə беҙҙең ҡотҡарыусылар Өфөнөң бер күп ҡатлы йортонда 18 кешене, шул иҫəптəн 6 баланы уттан алып сыҡҡан. Өлкəн йəштəге ике кешене күтəрепсығарып, "ашығыс ярҙам"ға тапшырғандар. Шулай итеп, үҙ ваҡытында күрһəтелгəн ярҙам һөҙөмтəһендə бер кемдең дə ғүмере өҙөлмəгəн. Айырыуса батырлыҡкүрһəткəндəрҙе бүлəклəрбеҙ.Үҙ сиратымда, мин һаҡланығыҙ һəм яҡындарҙы һаҡлағыҙ тип мөрəжəғəт итəм. Был аҙнала синоптиктар эҫе һауа торошо вəғəҙəлəй, янғындар хəүефе лə арта. Беҙ янғыниҫкəрткестəре ҡуйыуҙы дауам итəбеҙ, уларҙың дөйөм һаны 193 меңгə барып етте. Кемдең аҡсаһы етмəй, уларға бушлай бирəбеҙ. Был юҫыҡта эштəр дауам итəсəк.Əйткəндəй, шул тиклем ҙур төбəк етəксеһе пластмасса ҡумталар менəн булыша тип минəн көлөүселəр ҙə осраны. Ə шулай ҙа беҙ 400 кешенең, шул иҫəптəн 160 баланың ғүмерен һаҡлап ҡала алдыҡ.Хəтерегеҙгə төшөрəм - янғын извещателен алыу өсөн 8(347)272-00-24 телефонына шылтыратырға йəки БР Ғəҙəттəн тыш хəлдəр буйынса дəүлəт комитетының рəсми сайтында(https://gkchs.bashkortostan.ru/hotline/) ғариза ҡалдырырға кәрәк. БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтəр сəхифəлəренə бына ошолай тип яҙған: - Уҙған йəкшəмбелə беҙҙең ҡотҡарыусылар Өфөнөң бер күп ҡатлы йортонда 18 кешене, шул иҫəптəн 6 баланы уттан алып сыҡҡан. Өлкəн йəштəге ике кешене күтəреп сығарып, "ашығыс ярҙам"ға тапшырғандар. Шулай итеп, үҙ ваҡытында күрһəтелгəн ярҙам һөҙөмтəһендə бер кемдең дə ғүмере өҙөлмəгəн. Айырыуса батырлыҡ күрһəткəндəрҙе бүлəклəрбеҙ. Үҙ сиратымда, мин һаҡланығыҙ һəм яҡындарҙы һаҡлағыҙ тип мөрəжəғəт итəм. Был аҙнала синоптиктар эҫе һауа торошо вəғəҙəлəй, янғындар хəүефе лə арта. Беҙ янғын иҫкəрткестəре ҡуйыуҙы дауам итəбеҙ, уларҙың дөйөм һаны 193 меңгə барып етте. Кемдең аҡсаһы етмəй, уларға бушлай бирəбеҙ. Был юҫыҡта эштəр дауам итəсəк. Əйткəндəй, шул тиклем ҙур төбəк етəксеһе пластмасса ҡумталар менəн булыша тип минəн көлөүселəр ҙə осраны. Ə шулай ҙа беҙ 400 кешенең, шул иҫəптəн 160 баланың ғүмерен һаҡлап ҡала алдыҡ. Хəтерегеҙгə төшөрəм - янғын извещателен алыу өсөн 8(347)272-00-24 телефонына шылтыратырға йəки БР Ғəҙəттəн тыш хəлдəр буйынса дəүлəт комитетының рəсми сайтында (https://gkchs.bashkortostan.ru/hotline/) ғариза ҡалдырырға кәрәк. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Мәләүез районында – ужым арышы, Көйөргәҙелә ужым бойҙайы саба башланылар. Йәрмәкәй, Туймазы, Көйөргәҙе, Өфө райондарында иң иртә культураны – ужым шипкәнен һуғыуға тотонғандар. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Аграрийҙарға 1,757 миллион гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алырға кәрәк. Шуның 262 мең гектары – ужым ашлығы, 1,495 миллион гектары – яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары. Бынан тыш, 435 631 гектар майҙандан – майлы культураларҙы, 44 320 гектарҙан – шәкәр сөгөлдөрөн, 3900 гектарҙан картуф һәм йәшелсә йыйып алыу бурысы тора. «Фараздар һәйбәт. Әммә белгестәр һандар менән бик һаҡ. Былтырғы ҡоролоҡ барыһын да планлаштырыуға икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итте. Ләкин быйыл уңыш өлгөрөү осоронда һауа торошо ыңғай булды. Хатта ямғырҙың күп яуыуы ла ҡамасауламаны. Аграрийҙарға көс һәм яҡшы һауа торошо теләйем!», – тип билдәләне Хәбиров. https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-26/v-bashkirii-dali-start-uborke-urozhaya-2886566 Автор:"Башинформ". Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Римма ҠАҺАРМАНОВА театр һөйөүселәрҙең күңелен үҙенсәлекле ролдәре менән яуланы. Республика кимәлендәге концерт-сараларҙы оҫта алып барыусы итеп тә йыш күрәбеҙ уны. Эштә лә уңған, өйҙә лә егәрле Римманы бөгөн хужабикә булараҡ асырға теләйбеҙ. Уның әсәһе, өләсәһе менән ҡартатаһы ҡунаҡҡа килгән мәлде тап килтереүебеҙгә айырыуса ҡыуандыҡ. Шулай итеп, дүрт быуын ҡатын-ҡыҙҙан аш-һыу серҙәрен һораштыҡ. «Атайым да, әсәйем дә – иҫ киткес туған йәнле кешеләр, – ти Римма. – Байрамдарҙа яҡындарыбыҙҙы йыйырға яраталар. Йәйен күмәкләп ҡырға сығыу ҙа матур йолаға әүерелгән. Унда төрлө ғөрөф-ғәҙәт­тәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы әҙерләйбеҙ». Актрисаның әсәһе Зәлифә апай ғаиләһен «ҡаҙаҡ һалмаһы» менән һыйларға ярата. «Бөрйән ырыуының ҡаҙаҡ араһынан мин үҙем, – ти ул. – Ғаиләбеҙҙә яратып бешергән был ризыҡтың атамаһы шунан киләме икән... Йылҡы итен тик үҙемдең тыуған Баймаҡ районы Байыш ауылынан алырға тырышабыҙ. Ирәндек һыртында ҡылған ғына ашап үҫкән йылҡының тәме лә башҡаса». «Ҡаҙаҡ һалмаһы» Был ашамлыҡты һимеҙ йылҡы итенән әҙерләйбеҙ. Һарыҡ, һыйыр итенән дә бешерергә була. Ул өс өлөштән тора: ит, һалма, һурпа. Йылҡы ите менән ҡаҙынан һурпа ҡуябыҙ. Бауырын, ҡарта-ҡарынын айырым бешерәбеҙ. Туртаһын алғас, әрселмәгән һуған һалып ебәрәбеҙ. Шулай итһәң, ит тәмлерәк, ә һурпаһы хуш еҫле, үтә күренмәле була. Ит бешеп сыҡҡас, тәүҙә һурпаның тоҙлоғон һөҙөп алабыҙ, унан итен алып һыуытабыҙ. Ә һурпаны һөҙөп әҙерләп ҡуябыҙ. Беҙҙә итте ирҙәр бүлә. Ғәҙәттә, был эш ҡатын-ҡыҙҙар һалма әҙерләгән ваҡытта башҡарыла. Ит табынға ике төрлө итеп әҙерләнә. Беренсеһе: һалмалы табаҡҡа һалырлыҡ итеп турайбыҙ. Икенсеһе – «өлөш». Һөйәкле йә эре итеп туралған итте, бауыр өҫтөнә һалынған ҡаҙы, ял телемдәрен, ҡарта-ҡарын киҫәктәрен ҙур тәрилкәгә өлөшләп теҙәбеҙ. Майлы итте бауыр менән ҡушып ашағанда, улар бер-береһен тулыландыра, ҡайһыһының – ҡоро, икенсеһенең артыҡ майлы булыуы ла һиҙелмәй. Һалма өсөн йоҡа ғына итеп йәймә йәйәбеҙ. Ҡамырҙы ғәҙәттәгесә, йомортҡаға бер аҙ һыу ҡушып баҫабыҙ. Ул саҡ ҡына һурыҡһын, әммә артыҡ кибеп тә китмәһен – ваҡытты шулай самалайбыҙ. Бындай һалма ғәҙәттә ҙур усаҡта, оло ҡаҙанда бешерелә, шуға ла өләсәйҙәр унда һалма йәймәһен бөтөн, түңәрәк килеш алып сыға ла һала торғайны. Беҙ әле ҡала шарттарына яраҡлашып әҙерләйбеҙ, шуға ла йәймәне 4 – 6 өлөшкә бүлдек. Шунан һурпаға төшөрәбеҙ, 5 – 10 минутта ул бешеп тә сыға. Уны ҡайнар һурпалы тоҙлоҡ һалынған оло табаҡҡа тишекле сүмес менән һөҙөп һалабыҙ. Һалма ойошмаһын, йәбешмәһен өсөн, һурпала бешергәс, һалҡын һыуҙа сайҡатып алырға ла мөмкин. Шунан эҫе тоҙлоҡло һурпаға һалалар инде. Һалманы ҙур табаҡта, өҫтөнә ҡабымлыҡ итеп туралған итте һалып, өҫтәл уртаһына ултыртабыҙ. Һәр кем шунан үҙ тәрилкәһенә һалып ала. Ҡул менән ашарға ла мөмкин. Бер аҙ ит, һалма ейгәс, ҡорот, борос менән тәмләндерелгән һурпаны ағас кәсәләргә, беҙ уны «баҙарҡай» тип йөрөтәбеҙ, һалып тәҡдим итәбеҙ. Ит бүлеү – ирҙәр эше, тигәйне Зәлифә апай. Бөгөн уға атаһы, Римманың Хәйривара ҡартатаһы ярҙам итте. БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы ул, заманында «Йылайыр» совхозының бөтә илгә дан алыуында уның да өлөшө бар. Йәнбикә өләсәһе иһә ғүмер буйы ашнаҡсы булып эшләү осоронда нисә ҡаҙан аш бешергән икән?! Һикһәнде уҙһалар ҙа, икеһе лә етеҙ, теремектәр, һис тик ултырыуҙы өнәмәйҙәр. Бөгөн Йәнбикә инәй беҙгә үҙе лә бала сағында яратып ашаған, аҙаҡ балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, хәҙер иһә бүлә-бүләсәрҙәрен дә һыйлаған тәмле сөсө икмәк бешереп күрһәтте. Сөсө икмәк Элек көлдә бешергәндәр уны, әммә әле ҡала фатирында электр мейесендә әҙерләнһә лә, иҫ киткес тәмле килеп сыға. «Ҡапыл ғына кеше килһә, икмәгең етерлек түгел икән, тиҙ генә ошоно баҫаһың да бешереп тә алаһың. Балалар ҙа бик ярата», – ти Йәнбикә инәй. 250 миллилитр һөткә 250 миллилитр һыу (ярты литр ойоған һөт тә ярай), 300–400 грамм аҡ май (ҡаймаҡ, һары май, һис булмаһа маргарин менән алмаштырырға мөмкин), ярты балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ аш содаһы, самалап он алына, 1-2 ҡалаҡ һары май кәрәк була. Йылы һыу, һөттө ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Уны табаға тигеҙ итеп йәйеп, ҡыҙыу мейестә бешерәбеҙ. Алғас, ике яғын да һары май менән майлайбыҙ. Балаларға бәләкәс түңәрәктәр яһап бешерергә лә була. Римма үҙе ҡунаҡ килгәндә, милли һыйҙарыбыҙҙан тыш, тағы ла заманса ашамлыҡ – сыр аҫтындағы итте хуп күрә. «Әҙерләүе тиҙ һәм еңел, ғәҙәттә һәр өйҙә булған ризыҡтар ғына талап ителә, ите лә, гарниры ла бергә, шуға бик уңайлы», – ти актриса. Ҡатламалы ит 1,5 килограмм ит, 1 килограмм картуф, 4-5 баш һуған, 4-5 помидор, 350 – 400 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, табаға үҫемлек майы кәрәк. Һуғанды әрсеп турайбыҙ ҙа майлы табаның төбөн ҡапларлыҡ итеп һалабыҙ. Итте турағыстан үткәрәбеҙ һәм тәменсә һуған, тоҙ, борос, һарымһаҡ ҡушып бутайбыҙ, шунан табаға тигеҙ итеп йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнән майонез яғабыҙ, өйҙә эшләнгәне булһа, бигерәк һәйбәт. Киләһе ҡатламға тигеҙ түңәрәктәр итеп туралған картуфты теҙеп сығабыҙ. Тоҙ һибәбеҙ, майонез яғабыҙ. Шунан нәҙек ҡулсалап ҡырҡылған помидорҙы теҙәбеҙ. Уның урынына татлы борос һалһаң да бик килешә. 200 градусҡаса эҫетелгән мейескә ҡуябыҙ. Ярты сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Бешеп сығырҙан 5 минут алда өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. Римманың ҡыҙы Әминәгә туғыҙ йәш. Ул да әсәһе, өләсәләре янында йөрөп, хужабикәләргә кәрәкле һәр серҙе үҙләштерергә, ярҙамлашырға тырыша, ҡустыһы Әмирханға ла күҙ-ҡолаҡ булырға өлгөрә. Бына ул бөгөн беҙгә ошондай турама әҙерләп күрһәтте. Кишерҙән турама 2 кишер, 100 грамм иретелгән сыр, ярты стакан йөҙөм кәрәк. Кишер менән сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Яҡшылап йыуылған йөҙөмдө ҡушып болғатабыҙ. Салат япраҡтары йәйелгән тәрилкәләргә өйөп һалабыҙ. Ҡыяр киҫәктәре менән биҙәргә мөмкин. «Хеҙмәт һөйөп үҫһен ул балалар, – ти Зәлифә апай. Шунан үҙенең тәүге тапҡыр икмәк һалғанын иҫкә төшөрә: – 6-сы класта уҡыған мәлем. Әсәйем ҡулын яндырған ине. Ул саҡта ни, кибеттә икмәк һатылмай. Икмәкһеҙ йәшәп булмай бит инде, тәүәккәлләп үҙем һалырға булдым. Әсәйем өйрәтеп торҙо, мин барыһын да ул ҡушҡанса эшләнем. Ҡамыр менән дуҫлашыуым шулай башланды». «Ауыл ерендә балалар эшкә үҙенән-үҙе өйрәнә бит ул, – тип ҡушыла Римма. – Бер саҡ әсәйем менән атайым һарыҡ һуйҙылар ҙа ашығыс ҡайҙалыр киттеләр. Кәритәлә ятҡан ҡарта-ҡарынын күргәс, түҙмәнем, алдым да таҙарта башланым. Уға тиклем бындай эште башҡарырға тура килмәһә лә, нисек тотонғандарын күреп йөрөйһөң бит. Әсәйемдәр ҡайтыуға эш бөткәйне инде...» Шулай килешеп, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яңыртып, олоно – оло, кесене кесе итеп йәшәйҙәр был ғаиләлә. Александр ДАНИЛОВ фотолары. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Премия “Урал аръяғы-2020” инвестиция һабантуйы өсөн бирелгән.Уның сиктәрендә үткән “Ҡаҙ һәм бал” фестивале иң яҡшы туристик ваҡиға номинацияһында баһаланған. Был турала бөгөн Өфөләге эшҡыуарлыҡ аҙналығында белдерелде. Премия “Урал аръяғы-2020” инвестиция һабантуйы өсөн бирелгән. Уның сиктәрендә үткән “Ҡаҙ һәм бал” фестивале иң яҡшы туристик ваҡиға номинацияһында баһаланған. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Август айына тәғәйенләнгән тантанаға февралдә уҡ әҙерләнә башланым. Ул заманда бер төҫкә ҡоролған туйҙар модаһы сыҡҡан ғына ине, мин дә зәңгәр төҫтө һайлап, ихлас тотондом. Туй күлдәген кем менән генә эҙләмәнем: әсәйем менән дә, апай менән дә, әхирәтем дә эҙләште, хатта ҡәйнәм менән дә барҙыҡ кибеткә. Өфөлә лә ҡараным, Магнитогорскиҙа ла. Ахырҙа береһендә - күлдәк, икенсеһендә болеро алдыҡ. Туйға бер ай алдан ауылыма ҡайтып киттем. Имеш, бығаса бергә йәшәмәгәнбеҙ, яңы ғына ҡауышасаҡбыҙ, кейәү кеше килеп төшһә, һатып алыуҙы ла үткәрербеҙ, тип шаярып.Ҡайттым. Саҡырыу ҡағыҙҙарын, башҡа кәрәк-яраҡты матур лаванда төҫөндә эшләп бөттөм. Мәғниттә гөлләмәгә заказ бирҙем, кейәү кешегә һатып алыу "бурысын" йөкмәтеп. Мәжлес үтәсәк урынға бронь эшләнек. Ул ваҡытта Асҡарҙа банкет залдары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, тиһәм дә алдамам. Танышҡан көнөбөҙ 17 август ине, никахыбыҙ бер йыл ара менән шулай уҡ 17 августа булды. Туйҙы ла теүәл бер йыл ара менән, йәғни 16 августа үткәрергә ине ниәт. Тик саҡ ҡына һуңлағанбыҙ, шуға ла туй көнөн 9 август итеп тәғәйенләнек. Хыялдар, һөйөү тулы аҡ хыялдар... Туйға тиклем көн һанаған татлы мәлдәр етте. Ҡайһы ғына ҡыҙ ашҡынып көтмәһен аҡ күлдәк кейеп һөйгәне менән ҡауышасаҡ көнөн?! "Бәйләнештә" селтәрендә лә көндәр һанап, иләҫ-миләҫ яҙмаларым да булманы түгел. Тик кешеләр нишләптер гел кире күҙлек аша ҡарап, һығымта яһарға әүәҫ ул?! "Был тиклем дә ашҡыныр икән кейәүгә, атай-әсәй йортонан ялҡҡандыр, инде түҙә алмай", тип хәбәр йөрөтөүҙәре сәпсим генә кәрәкмәһә лә, килеп инделәр барыбер ҡолаҡҡа. Быны ишетеп әсәйемдең күңеле кителде, мин дә көйһөҙләнеп алдым. Заманында түккән нервыларыбыҙҙы бөгөн кире туплап, һүҙ йөрөткән әҙәмдәргә әйтер инем: нисек уйлағығыҙ килә, шулай уйлағыҙ, был - һеҙҙең хаҡығыҙ. Мин иһә тыуған йорттан тиҙерәк ысҡыныу, тип түгел, берҙән-берем менән ғаилә булып, яңы тормош башларға ашҡындым. Һағындым, яраттым, тип әйтмәксемен. Туйыбыҙға ике аҙна ҡалды тигәндә ямғырҙар башланды. Тәүлек әйләнәһенә йә шәбәйеп, йә бер аҙ тымып, шыптырлап яуып тик тора. Мин көн һайын Яндекс погода һәм Гисметеонан күҙҙе алмайым. Әммә сара юҡ, ямғыр ҙа ямғыр... "Йә ярай, эрзинкә итегем бар ҙа инде. Борон кешеләр ыжғыр бурандарҙа ла өйләнешкән әле" тип үҙемде йыуатып ҡуям шунан. Уның ҡарауы, ямғырҙар туҡтарға уйламаны ла, шәбәйҙе генә. Туйға бер көн ҡалды тигәндә атайым менән әсәйем иртә менән Магнитогорскиға юлланды. Кәрәк аҙыҡ-түлекте һатып алып, мәжлес үтәсәк кафеға ҡалдырып, кире өйгә әйләнеп ҡайтыу ине маршруттары. Иртәнге һигеҙҙә сығып киткән атай менән әсәй киске унға саҡ ҡайтып инде. Ул көндө мин дә ҡәҙимге кәләштәр һымаҡ әҙерләнергә тейеш инем. Күлдәгемде пар менән үтекләп алдым. Иртәгеһенә таң менән ҡалаға сәс ҡуйҙырырға, макияжға барырға тейеш инем. Барыһы ла килешелгән, һөйләшелгән. Атайымдар һаман ҡайтмағас, эсем боша башланы. Туғандар ҙа шылтыратып күңелгә шом һала. Фәҡәт беҙ Асҡарға бара торған трассаны Ҡушый ауылында йыуып алып киткән тип ямғыр. Шылтыраталар ҙа һорайҙар, туй буламы ла юҡмы, буламы юҡмы. Мин күңелде төшөрмәҫкә тырышып, бар хәлемсә дәртле итеп "Була, әлбиттә" тип яуаплап ултырыш. Өй телефонына тыныслыҡ бөттө. Бер туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар. Бөтәһенең дә бер һорау: буламы туй, юҡмы? Һауа торошо арҡаһында туйға килә алмайбыҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә килә башланы телефон сымы буйлап. Ауылдарҙы һыу баҫа башланы. Йылғалар ярҙарынан сыҡты. Өйҙәр һыу эсендә. Халыҡты КамАЗ һәм тракторҙар хәүефһеҙ ергә ташый башланы. Ә мин телефон янынан китә алмайым. Инде инәйем шылтыратҡайны, түҙмәнем, аҡырып тигәндәй иланым да ебәрҙем. Эй илайым, паникаға бирелә башланым. Туйға әҙерләнергә кәрәк, ә минең илауҙан битем шешенгән. Атайым менән әсәйем ҡайтып инде. Хәлдән тайғандар, кәйефһеҙҙәр, ҡараштары билдәһеҙлеккә төбәлгән. Барыһын да нисек бар, шулай һөйләп бирҙеләр. Мәғнит базаһына өйрәнелгән Озерный ҡасабаһы эргәһенән үткән юл буйынса сығалар. Барып кәрәкле тауарҙы алып, ҡайтыр яҡҡа боралар. Ул заманға инде Озерный янынан үткән юлды һыу баҫҡан була, атайымдар үҙҙәре лә аңғармай ҡала, тегеләй-былай юлдар аша нисектер Нежный ҡасабаһы аша килеп сығалар. Әҙерәк онотолған да инде хәҙер, һәр хәлдә әллә атайымдарға шылтыратып ала алмағандар, әллә һуң ғына сыҡҡандар бәйләнешкә, иллә мәгәр уларҙы Ҡушый ауылы янында кире борғандар, һәм Асҡарға икенсе юл менән барырға ҡушҡандар. Ә ул юл әлеге лә баяғы Озерный ҡасабаһы, Таштимер ауылы аша үтә. Килгән юлды тулыһынса тигәндәй кире барған ерҙә уларҙы гаишник туҡтата, сөнки юлды һыу баҫып, сәпсим күренмәҫлек була трасса. Инде Асҡарға барып етеүҙең өсөнсө маршрутын һайлап ҡарай атайым менән әсәйем. Юлдаш ауылы аша, Айғырбатҡан янынан үтеп. Тик унда ла бәләкәй генә бер йылға ҙур ташҡынлыға әйләнеп, күперҙе йыуып алып киткән. Ахырҙа минекеләр кире борола һәм Әлмөхәмәт аша юллана Асҡарға. Ҡалайтаһың, аҙыҡ-түлекте нисектер алып барып еткерер кәрәк бит. Бөтә нәмә һыу булды, машина йөҙөп тигәндәй барҙы, тип һөйләнеләр әсәйҙәр аҙаҡ. Төнгә ҡарай Марсель Өфөнән туғандары менән Красная Башкирия ауылына килеп төштө. Телефон аша ғына һөйләшелде һәм Таштуй янындағы юл аша һыу ағып ятҡаны асыҡланды. Ҡушыйҙағы һымаҡ итеп ҡуймаһын инде, тип йөрәк уста ғына тотолдо ул кистә. Гусев һәм Йәнгел яғындағы күперҙе бар хәлсә нығытып торҙолар тороуын. Бейек кенә булһа ла, һыу күперҙең өҫтөнән ағып ятты иҫте китәреп. Ышанмаҫлыҡ хәл. Хәҙер ул ерҙән үткәндә берәү ҙә ышанмай заманында ни булғанына. Ғәләмәтте үҙ күҙҙәре менән күргәндәр генә иҫләй уны. Төнөн әпәт Марсель шылтыратып, Мәғниткә барып ятырға тәҡдим итте. Хәҙер юлға сыҡмаһаң, иртәгә сәс тә ҡуйҙыра алмаҫһың, макияжһыҙ ҙа ҡалырһың, һуңларһың, тине ул. Мин ҡаушаған килеш барлыҡ кейемемде, кәрәк-яраҡтарымды алдым да, Мәғниттәге инәйемә киттем йоҡларға. Юл ыңғайы Красная Башкириялағы Марселдың инәйенә һуғылдыҡ. Унда китте туғандар йыйылып. Барыһыла минең "ҡайғыны уртаҡлаша". Унан мин тағы ярһып иларға кереш.. Имтихандар тапшырып йөрөп, дәррәү туйға әҙерләнеп, һәм ошо һыу баҫыу менән байтаҡ ябыҡҡаным икән. Рәйсә инәй (йәне Зәннәттә булһын) мине весыға баҫтырып ебәреп, 45 кенә икәнемде күреп, "Кит, бер һарыҡтай ғынаһың", тигәне хәтерҙә. Хәҙер көлкө һымаҡ, ә заманында мин туйҙы бер аҙнаға күсерәйек, тип түгелеп илап Марселды өгөтләй инем. "Бындай туй тураһында хыялланманым мин" тип әсе илай инем. "Нимә һөйләйһең?! Барыһы ла яҡшы, туғандар килгән, туй бынамын буласаҡ" тип яуапланы миңә Марсель. Уның ошо ышаныслы тауышы миңә бөгөн дә ныҡ ҡәҙерле һәм ныҡлы терәк тә. Шул мәлдә Хәсән апа ла ямғыр туҡтауы хаҡында әйткәс, мин байтаҡ тынысландым. Тышҡа сығып күк йөҙөндә бер-ике йондоҙ ҙа күргәс, сәпсим. Марсель мине Мәғниттәге инәйемә йоҡларға ҡалдырып ҡайтты. Илап-илап, төнгө икелә батырҙар йоҡоһо менән ауып киттем.. Таңдан тороп, прическаға, макияжға киттем. Юл ыңғайы телефон аша Марселға ҡайһы ерҙән минең гөлләмәне алырға икәнен аңлаттым. "Выкуп". Ҡайҙан ғына булһын ти ул выкуп. Минең барлыҡ идеялар, уйҙар юҡҡа сыҡты, һуң дуҫ ҡыҙҙарым менән дә осрашып булманы бит. Инәйҙә йоҡланылды, етмәһә. Әллә үҙем-үҙемә выкуп эшләйемме икән, тигән уй ярты секундтай үтеп китте ул баштан. Кит, әҙәм көлдөрөп! Буянып-төҙәнеп ҡайттым, кейендем, әҙерләндем, Марселды көтә башланым. Атыштырып-сабыштырып йөрөп, кейәүкәйем һуңлап китте, ахырҙа регистрацияны бер сәғәткә күсерттек. Әҙермен, туй күлдәгендә инәйемдең ишек төбөндә сумаҙан өҫтөндә ултырам, тигәндәй. Бер мәл Марсель шылтырата: "Мин өлгөрә алмайым, әллә букетты үҙең барып алаңмы? Красная Башкирияға һине әллә Денис (ике туған ағайым, әлеге инәйемдең улы) алып килеп таштаһынмы?", - тип. Мин тағы киттем ҡыҙып, әпәт аҡырып иларҙай хәлдә: "Һиңә ғөмүмән кәләш кәрәкме ул, яҡмы? Выкуп булманы былай ҙа. Исмаһам, үҙең килеп ал!" - тип шай итеп ҡалдым. - Аңланым, һине аңланым, - тине лә Марсель, ярты сәғәттән килеп тә етте артымдан. Тантаналы рәүештә миңә букет тоттороп, кәләште выкупһыҙ, мейе сереткес ғәләмәттәрһеҙ сығарып алып, киттек беҙ регистрацияға. Ул мәлдә ямғыр булманы. Һирәк-мирәк ҡояш күренгеләп ҡыуандырҙы. Ағып киткән Ҡушый юлына нимәлер һипкәндәр ине. Дәүләт ауылы яғындағы күперҙәрҙе үткәнде иҫ китте, тауыҡ кисеп сығырлыҡ йылға шашып аға ине, күпер саҡ-саҡ ҡала ине урынында. Туйҙан бер аҙна алда күрешкәндә тамадабыҙ Розалия әйткән ине: "Һеҙ икәү ниндәй кәйефтә булаһығыҙ, туй ҙа шундай хәлдә үтәсәк. Кейәү менән кәләш ҡаңғырып, ығы-зығыланып сыҡһа, байрам да нервы бөтөргөс була. Тыныс ҡына булһағыҙ, мәжлес тә ипле, матур үтер", тип. Нисек?! Ҡалайтып ҡына тыныс булаһың?! Йә Марсель юғала, йә фотограф килеп етә алмай, йә видеограф, йә тамаданы алып килер өсөн трактор кәрәк, йә туғандар килеп етә алмай, йә үҙебеҙ һуңлайбыҙ. Үҙемдә саҡ-саҡ тынысланырлыҡ көс таптым, артабан туй матур, тыныс ҡына үтте, шөкөр. Күпселек ҡунаҡтар килә алды. Һауа торошона, һыу ҡотороуына ҡарамай, беҙҙең иҫтәлекле көнөбөҙҙө бергә үткәргәндәре, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡандары өсөн ҙур рәхмәт уларға! Иремә рәхмәт: сабырлығы, һалҡын аҡыл менән эш иткәне, бар нәмәне үҙе йырып сыҡҡаны өсөн! Фәҡәт шул көндө мин көслө булып, барлыҡ ығы-зығыны үҙ ҡулдарыма алырға маташҡан инем. Әммә фәҡәт шул көндә, ғөмүмән, улай итергә кәрәкмәгәнлеген аңланым. Үҙенең йылы һәм ышаныслы ышығында һаҡлап, мәшәҡәттәрҙе үҙе хәл иткән ирем барлығын төшөндөм. "Кейәүгә сығыу" йәки "иргә сығыу" төшөнсәһен тулы аңланым, ул, тимәк, "ышыҡта булыу". Һаҡлауҙа, яҡлауҙа көн итеү.
14 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Унда “Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһын көнүҙәк итеү мәсьәләһе тикшерелде. - Башҡортостан урманлы төбәк булараҡ танылған. Ағас запасы буйынса республика Волга буйы федераль округында – дүртенсе, урман ултыртыу күләме буйынса беренсе урынды биләй. Башҡортостанда яһалма урман тергеҙеү өлөшө Рәсәй буйынса иң юғарыларҙың береһе булып тора. Илдә был күрһәткес 20 процент самаһы булһа, Башҡортостанда – 50 процент самаһы, - тип билдәләне Андрей Назаров. Ағас әҙерләү урман фонды ерҙәрен файҙаланыуҙа традицион өҫтөнлөк булып ҡала, тип өҫтәне Андрей Назаров. Урмандарҙы тергеҙеү менән бер рәттән Хөкүмәт уларҙы үҙләштереүгә иғтибарлы ҡарарға һәм иҡтисад менән экология араһында тигеҙлеккә өлгәшергә, рекреацион һәм туристик ҡеүәтте үҫтереүгә булышлыҡ итергә тырыша. Дөйөм алғанда Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге урмандарҙы һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, йәмәғәт ихтыяждарын урман ресурстарына һәм файҙалы үҙенсәлектәренә ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән. 2021 йылда “Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың төп күрһәткестәре һәм 2022 йылға урман хужалығын үҫтереүҙең төп бурыстары тураһында урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һөйләне. 2021 йылдағы пандемияға ҡарамаҫтан, урман ресурстарын хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеү иҫәбенә урман фонды менән файҙаланған өсөн килемдәрҙең артыуына өлгәшелде, тип билдәләне ул. - Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына түләүҙәр күләме 2021 йылда 1 гектарға иҫәпләгәндә 17 процентҡа күберәк – 157,4 һум тәшкил итте. Хаҡ сағылышында Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһына 905 миллион һум аҡса инеүе тәьмин ителде, был 2020 йылғы кимәлдән 1,3 тапҡырға юғарыраҡ. Шул иҫәптән республика бюджетына һәм урындағы бюджеттарға 436 миллион һум аҡса инде – был 1,5 тапҡырға күберәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Шәрәфетдинов. Ул “Урман хужалығын үҫтереү” Рәсәй Федерацияһы дәүләт программаһына ярашлы хәлгә килтереү өсөн “Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһына һәм 2022-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау күрһәткестәренең план күрһәткестәренә үҙгәрештәр индереү зарурлығын билдәләне. - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары проектын хупларға тәҡдим итәм. Урман хужалығы министрлығына 2022 йыл йомғаҡтары буйынса “Башҡортостан Республикаһында урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһы күрһәткестәренә өлгәшеүҙе тәьмин итергә. Айырыуса иғтибарҙы урмандарҙы тергеҙеү һәм урман үҫентеләрен ҡырҡыу балансы күрһәткестәренә йүнәлтергә кәрәк, - тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров. Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru Автор:Гөлдәр Яҡшығолова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Рәсәйҙә беренсе шәмбе өмәһе (субботник) 1919 йылда Граждандар һуғышы осоронда ойошторола. Владимир Ильич Лениндың тимер юл хәрәкәтен яҡшыртырға өндәп сығыш яһауынан һуң, 1919 йылдың 12 апреленә ҡарай төндә Мәскәү-Ҡаҙан тимер юлының 15 эшсеһе, эштән һуң ҡалып, 10 сәғәт эсендә 3 паровозды йүнәтә. Шул уҡ йылдың 10 майында 205 кешенән торға эшселәр төркөмө беренсе коммунистик шәмбе өмәһенә сыға. Аҙаҡ был хәрәкәтте башҡа тимер юлдар, завод фабрика эшселәре күтәреп ала. Шәмбе өмәһе ҡалаларҙа ла, ауылдарҙа ла йыл һайын ер ҡарҙан асылғас үткәрелә. Ниңә кәрәк ул? Беренсенән, тирә-йүн таҙа, бөхтә булһын өсөн. Икенсенән, күмәкләп эшләгән эш дуҫлаштыра, араларҙы яҡынайта. Йылайыр районының Сәләх ауылы был йәһәттән өлгө булырлыҡ ауыл. Урамдарында бер сүп юҡ! Баҡтиһәң, халыҡ үҙенең ихатаһы тәңгәлендәге урамды (юлды) һепереп, таҙалыҡта тота икән. Афарин! Иртәгә "Аманат" журналы мөхәрририәте лә шәмбе өмәһенә сыға. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең менән сығығыҙ! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Йоманан һуң булдымы икән – мәсеткә бер төркөм ир-ат килеп тулды. Араларында таныштары ла, таныш булмағандары ла бар. - Был – Рәсүл хәҙрәт, Мысырҙа Әл-Әзһәр университетында уҡып йөрөгән Белорет егете, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Әмир ағай Сәитбатталовтың ярҙамсыһы булып эш башлаясаҡ, - тип таныштырҙылар йәш кенә егет менән. Күрер күҙгә күркәм, шундай аҡыллы ҡарашлы, тыйнаҡ һәм белореттарса үҙенсәлекле һөйләшкән был егет тиҙ арала ысын мәғәнәһендә үҙебеҙҙеке булды ла китте. Эшен көнөн-төнөн халыҡты уҡытыуҙан башланы ул. Бәғзе саҡ дәрестәре төн таңға ауышҡас ҡына бөтә ине. Ул осорҙа, билдәле, мәсеткә күбеһенсә шул әлеге лә баяғы ҡатын-ҡыҙ йөрөнө. Рәсүл хәҙрәт ғилеме, унан бикәр күркәм холҡо менән алдырҙы – уның дәрестәрен бер тыңлаған кеше икенсеһенә бармай ҡалманы. Көнгә көн, айға ай, йылға йыл бәйләнде. Остазыбыҙҙың уҡытҡан төркөмдәре, уҡыусылары ишәйҙе.Ике йыл имам-мөхтәсиб ярҙамсыһы булып эшләгәс, Учалы районының Баттал ауылы ҡыҙы, ул саҡта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла уҡып йөрөүсе Лилиә Муса ҡыҙы Бирғәлинаға өйләнеп, шаулатып туй ҙа үткәреп ебәрҙе хәҙрәтебеҙ. Өйләнгәс, кәләше лә ҡырҙыҡы булғас, хәҙрәтебеҙ китә инде, тип бошондоҡ. Юҡ, ғаиләһе менән Бөрйәндә төпләнеп ҡалды ғилемле хәҙрәтебеҙ. Бөрйән халҡы күпләп дингә килде, мәсеттә бер көн ҡатын-ҡыҙҙар уҡыһа, икенсе көн ир-ат белем алды. Тора-бара Баҙал биҫтәһендәге иҫке мәктәп бинаһын район мосолмандары көсө менән ремонтлап, мәҙрәсә итеп ебәрҙеләр. Берәүҙәр – мәҙрәсәлә, икенселәр мәсеттә белем алды. Рәсүл хәҙрәттең тәүге дәресенә барып, ғәрәп әлифбаһы буйынса һабаҡ алғас, беренсе уйым шул булды: “Был кәкерсәк-бөкөрсәктәрҙе мин уҡый ҙа, яҙа ла алмам, моғайын...” Өйрәтте, һәр беребеҙҙең күңеленә юл тапты, шайтандарыбыҙҙы еңеп, ислам дине тигән төпһөҙ-ҡырыйһыҙ даръяға ысын күңелдән сумырға булышлыҡ итте остазыбыҙ. Шөкөр, бөгөн мәсеттә, мәҙрәсәлә уның уҡыусылары (Рәсәй ислам университетын бөтөп ҡайтҡан шәкерттәре) халыҡты уҡыта. Күмәкләп Ҡөрьән сығабыҙ, аят-сүрәләр ятлайбыҙ, мосолман донъяһындағы иң ҙур һәм мөһим байрамдарҙан булған ураҙа, ҡорбан ғәйеттәрен билдәләйбеҙ. Тәүҙә, фатирһыҙлыҡтан ыҙалап, кешенең избенкаларында йәшәне хәҙрәтебеҙ. Районыбыҙ эшҡыуарҙары, ябай халыҡ ярҙамы менән “Әбделмән” мәсетенең ихатаһына хәҙрәт өйө төҙөлдө. Йәшәү өсөн бөтә шарттары булдырылған яңы, матур йортта йәшәй хәҙер хәҙрәтебеҙ үҙенең ҙур ғаиләһе менән. Ҙур, тимен, сөнки, әлхәмдүлилләһ, Рәсүл хәҙрәтебеҙ ошо яҙҙа өсөнсөгә атай булды – хәләле Лилиә абыстай уға өлкән ҡыҙҙары Балҡис (Сөләймән ғәләйһис-сәлләмдең ҡатыны – батшабикә Балҡистың исемен ҡушҡандар) менән Фәруҡҡа иптәшкә йәннәт еҫле Йәннәт атлы ҡыҙ табып бирҙе. Әйткәндәй, Белорет педагогия колледжын, БДПУ-ның башҡорт-ғәрәп бүлеген “ҡыҙыл диплом”ға тамамлаған, Төркиәлә ярты йыл Ҡөрьән, дини ғилем өйрәнеп ҡайтҡан Учалы ҡыҙы Лилиә дин эштәрен бәрәшкәләшеп тарта – ул райондың йәш мөслимәләренең ”Хәлилә” тигән иттифағын булдырып, йәш ҡатын-ҡыҙҙар абыстай етәкселегендә ифрат ҙур эштәр менән шөғөлләнә: төрлө акциялар үткәрәләр - дауаханала ятҡан оло быуын кешеләренә, һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына ризыҡ бешереп алып барһындармы, районыбыҙҙың тәбиғи ҡомартҡыларынан булған Бәхет шишмәһен таҙалаһындармы, мәсет баҡсаһына сәскәләр ултыртып - тәрбиәләһендәрме, дежурлыҡ ойоштороп, мәсетте таҙалыҡ һәм тәртиптә тотһондармы, ауыр тормош шарттарында йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә хәйриә ярҙамы күрһәтһендәрме, йыл һайын мәсеттә балалар өсөн Ҡорбан байрамы алдынан үткәрелә килгән “Иман нуры” лагерындағы уҡытыу-тәрбиә эштәрендә әүҙем ҡатнашһындармы, район ҡатын-ҡыҙҙары өсөн “Гүзәл мөслимә” тигән бай йөкмәткеле конкурс үткәреп, райондаштарҙы ғына түгел, күрше-тирәнән килгән халыҡты хайран итһендәрме, мәсеттә, мәҙрәсәлә йылдың-йылы төрлө уҡыуҙар, саралар, конкурстар үткәреп дини ғилем таратһындармы, дәғүәт эштәре менән ауылдар буйлап осрашыуҙар үткәрһендәрме – барыһына ла өлгөрәләр. Эйе, уңды Бөрйән үҙенең имам-мөхтәсибенән, хәҙрәтенән. “Рәсүл хәҙрәт йома үткәрәме, Рәсүл хәҙрәт уҡытамы? Ул булһа, мәсеткә барғы ғына килеп тора”, - ти ауылдың йәше-ҡарты. Беҙ, район ағинәйҙәре, уны үҙебеҙҙең улыбыҙ кеүек яратабыҙ, үҙ итәбеҙ, ғилеменә, тыйнаҡлығына, кешелеклегенә, ябайлығына һоҡланабыҙ. Эйе, бөрйәндәрҙең һөйөүен, оло ихтирамын тиҙ арала һәм ғүмерлеккә яуланы Белорет уҙаманы Рәсүл хәҙрәт. Уның идеяһы һәм дөйөм халыҡ көсө менән район үҙәгендә ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы “Фурҡан” мәсете ҡалҡып сыҡты. Былтыр көҙ бинаның башы ябылды. Эш эске эштәренә генә ҡалып бара. Төҙөлөш эштәрен ойоштороусы, көйләүсе, йүнләүсе лә – Рәсүл хәҙрәт. Ислам диненең бер терәге булған хаж ғәмәлен дә үтәп ҡайтырға насип булды хәҙрәтебеҙгә. Бында ла Аллаһтың хикмәте бар. Бер йылы Белореттағы бер оло ғына йәштәрҙәге инәй, инде олоғайҙым, хаж ҡыла алмайым, хажға барһаң, минең исемдән дә ғүмрә хажы ҡылырһың, тип бер мосолманға байтаҡ ҡына суммала аҡса бирә. Теге кеше хаж ғәмәлен үтәп ҡайтһа ла, инәйҙең күңеле булмай – аҡсаһын биреп, тағы кемделер ебәрмәк итә. Рәсүл хәҙрәт инәйгә: “Кеше аша аҡса биреп ебәргәнһең бит бер тапҡыр, тағы ла ҙурыраҡ сауап алғың килһә, әйҙә, инәй, аҡсаңды джәриә саҙаҡаһы (сауабы оҙаҡ бөтмәй торған саҙаҡа) итеп, Бөрйәндә төҙөлөп ятҡан “Фурҡан” мәсете файҙаһына тапшыр”, - тип кәңәш бирә. Изгелек эшләргә теләге көслө булған инәй ҙур ғына сумма аҡсаһын мәсет өсөн бирә. Район үҙәгендә төҙөлөп ятҡан мәсет төҙөлөшөнә индерә был аҡсаларҙы Рәсүл Ғәли улы. Аллаһы Тәғәлә күпмелер ваҡыттан уның үҙен, хаж сәфәрен ҡылып, ислам диненең тағы бер терәге булған хаж ғәмәлен үтәп ҡайтыусыларҙан итә. Ғәрәп телен һыу һымаҡ эскән имамыбыҙ унда үҙҙәренең төркөмөнә тылмас булараҡ йөрөп ҡайта. Эйе, хәҙрәтебеҙҙең районыбыҙ, динебеҙ өсөн эшләгән эштәре бихисап – бер Алла белә. Бөтәһе уның күҙенә ҡарап: ”Рәсүл хәҙрәтебеҙ”, - тип тора икән – бында ла Аллаһтың сикһеҙ хикмәте һәм рәхмәте. Беҙ, бөрйәндәр, ошондай ғилемле, аҡыллы, күркәм холоҡло хәҙрәт менән бүләкләгәне өсөн ғәләмдәр Раббыһына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Тәүәкән күп тармаҡлы мәҙәниәт йортонда “Яңы йыл бал-маскарады" үтте. Тамашасылар өсөн “Яңы йыл мажаралары” исемле ҡыҙыҡлы тамаша тәҡдим ителде. Тәүәкән күп тармаҡлы мәҙәниәт йортонда “Яңы йыл бал-маскарады" үтте. Тамашасылар өсөн “Яңы йыл мажаралары” исемле ҡыҙыҡлы тамаша тәҡдим ителде. - Мәсекәй, Бесәй, Сусҡа, Ҡар бабай, Сысҡан ролдәрен башҡарған артистарыбыҙ ҡыҙыҡлы һәм мажаралы әкиәттә ҡатнашып тамашасыларға байрам кәйефе өҫтәне. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстарҙа барыһы ла әүҙем ҡатнашты һәм аҙаҡ бүләк алды. Теләүембәт ауыл хәкимиәте башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов менән "Тәүәкән" йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов байрам менән ҡотлап мәҙәниәт йортобоҙға, Тәүәкән урта мәктәбенә, "Бәпембә" балалар баҡсаһына республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың бүләктәрен - киң экранлы телевизорҙарҙы тапшырҙы, матур теләктәрен еткерҙе, - тип хәбәр итте мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлдәр Әбдрәхимова. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Ил Президенты Владимир Путиндың РФ Ҡораллы көстәренә яҙғы саҡырылыш тураһындағы Указына ярашлы, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 18-27 йәшлек 135 меңдән ашыу ир-егет армия сафтарына алынасаҡ. Призывниктар көнөн уҙғарыу районда йылына ике тапҡыр ойошторола. Быйыл яҙын 52 егет һалдат хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Яҡташтарыбыҙ илебеҙҙең төрлө ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Ошо айҡанлы Еңеү паркында “Призывниктар көнө” үтте. Тантанала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Хәсәнова, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хәрби комиссариаты начальнигы урынбаҫары С.А.Симонов, Убалар ауылының имам-хатибы А.Һабанғолов, протоиерей Е. Коробов һәм 1-се, 2-се Архангел мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. – Әрмелә хеҙмәт итеү – һәр ир-егеттең Тыуған ил алдында үтәй торған изге бурысы. Ҡораллы көстәр сафында булыу кешене тәрбиәләй, сыныҡтыра. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, ата-олатайҙар рухына тап төшөрмәгеҙ, ата-әсәләрегеҙ, тыуған ерегеҙ менән бәйләнеште өҙмәгеҙ,- тине Фәрзәнә Фәсхетдин ҡыҙы. Артабан Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хәрби комиссариаты начальнигы урынбаҫары Сергей Алексеевич буласаҡ һалдаттарға уңышлы хеҙмәт, хәйерле юл теләне. Өгөт-нәсихәтен шулай уҡ Убалар ауылы мәсетенең имам-хатибы Азамат Һабанғолов менән протоиерей Евгений Коробов та еткерҙе. Ата-әсәләр исеменән Рәүфилә “лимғолова ил һаҡсыларына изге теләктәрен, балаларҙың иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләне. Йәштәргә ауыл советтары тарафынан бүләктәр һәм тыуған яҡ тупрағы һалынған янсыҡтар бирелде. Байрам сараһы “Һалдат бутҡаһы”н ауыҙ итеү һәм 1-се Архангел мәктәбенең тарихи музейына экскурсия менән тамамланды. Альберт Рәхимов. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Кисә, 13 сентябрҙә,Дәүләкән ҡалаһының үҙәк майҙанында «Көҙгө мозаика-2020» фестиваль-конкурсы үтте. Уның нисек ойошторолоуы тураһында гәзиттең сайтында уҡығыҙ. Райондың мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре бай күңел асыу программаһы әҙерләгәйне. Үҙешмәкәр артистар концерты, шахмат буйынса турнир, һүрәттәр конкурсы, Дәүләкәндең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм Әхиәр Хәкимов музейҙары хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән картиналар һәм экспонаттар күргәҙмәһе, тематик фотозона, әҙәби эскәмйә, үҙәк китапхана әҙерләгән китаптар күргәҙмәһе һәм башҡа саралар район халҡының иғтибарын үҙҙәренә йәлеп итте. Район Мәҙәниәт йортоноң, ауылдарҙағы филиалдарҙың, ҡала һәм район учреждениеларының ижади хеҙмәткәрҙәре йәшелсә-емештәрҙән төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр яһағайны, күҙҙең яуын алырҙай сәскә гөлләмәләре, төрлө аш-һыуҙар, турамалар, бешкән әйберҙәр алып килгәйне, шулай уҡ жюри ағзаларына уларҙы әҙерләү рецептары ла тәҡдим ителде. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың өҫтәлдәре ныҡлы уйлап биҙәлгән икәне беленеп торҙо. Байрамды уҙғарыуҙың ҡағиҙәләренә ярашлы, улар үҙҙәренең өҫтәлендә «көҙ геройы»н, визиткаһын һәм ижади номер күрһәтергә тейеш ине. Өҫтәл хужалары байрам ҡунаҡтарын һәм тамашасыларҙы әҙерләгән аш-һыуҙары менән бик теләп һыйланы. Күргәҙмәләрҙе ҡараусылар үҙ сиратында ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә ҡарап һоҡланды, ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға шатлыҡлы минуттар һәм яҡшы кәйеф бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Жюриға еңеүселәрҙе билдәләү бик еңелдән булманы, сөнки ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ ине. Әммә Балалар ижады мәктәбенең командаһы иң тапҡыры, зирәге, ә өҫтәлдәре иң байы, тип танылды. Шуға улар I урынға лайыҡ булды. II урынды 3-сө башҡорт гимназия-интернаты һәм район Мәҙәниәт йорто бүлеште. Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм Әхиәр Хәкимовтың музейҙарына III урын бирелде. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Фестиваль-конкурста ҡатнашыусылар ҙа номинацияларҙа еңгән өсөн дипломдар менән бүләкләнде. Татьяна Бусарева. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Һуңғы көндәрҙә, айырыуса бөгөн күпләп яуған ҡар районда ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Социаль селтәрҙәрҙәге фотолар, видеояҙмалар шул хаҡта һөйләй. Уларҙан күренеүенсә, район үҙәгендә коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙы һәм ихаталарҙы таҙартып өлгөрмәй. Ҡайһы бер урамдарҙа хатта тротуарҙар ҙа күренмәй, улар ҡар аҫтында ҡалған. "Коммунальщиктар"ҙың рәсми яуабына ҡарағанда, улар һауа торошона бәйле, эште туҡтатып торған. Шулай ҙа бер кем дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Район юлдарында ҡар таҙартыуға 40-тан ашыу техника йәлеп ителгән. Ейәнсура юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығынан – 21, коммуналь хужалыҡтан – 7, ауыл биләмәләренән 7 берәмек техника ҡар менән алыша. Шәхси тракторҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Әле Иҫәнғол урамдарында йөрөрлөк түгел. Ишелеп яуған ҡар бик тиҙ арала юлдарға һырынтылар һала. Әлегә урамдарҙы ҡарҙан таҙартып йөрөүсе техника күренмәһә лә, эш көнө аҙағына, атап әйткәндә, сәғәт 16.30-ҙан һуң коммуналь хеҙмәт техникаһы эшен дауам итәсәк, иң элек балалар учреждениеларына юл һалынасаҡ. Әйткәндәй Синоптиктар алдағы көндәр ҙә яуым-төшөмгә бай буласаҡ тип фаразлай. Шуға ла коммуналь хеҙмәттәргә көсөргәнешле режимда эшләргә тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта һәр кем торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға килә ала.Ҡулға көрәк тотоп урамға сығыу талап ителмәй, юл ситендә махсус техникаға ҡамасаулаған автомобилдәрҙе ситкә алып ҡуйыу ҙа етә. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Ярыштарҙа Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Пенза, Омск, Томск, Төмән өлкәләренән, үҙебеҙҙең республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән спортсылар ҡатнаша. 13 февралдә көрәш майҙанына 18 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар сыға. Йәштәр «нагэ-но-ката», «катамэ-но-ката» дисциплиналары буйынса көс һынашасаҡ. Турнир көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана, ә ярышты тантаналы асыу 14.00 сәғәткә планлаштырылған. Ярыштарҙан һуң еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы була. Ә 15 һәм 16 февралдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр араһында «нагэ-но-ката», «катамэ-но-ката», «дзю-но-ката» дисциплиналары буйынса ярыштар уҙа. Ярыш 15 февралдә 11.00 сәғәттә башлана, 16.00 сәғәттә – ярышты асыу тантанаһы, 16 февралдә – ярыштарҙың һуңғы көнө. Рәсәй беренселегенә ярыштар олимпия резервындағы спорт мәктәбендә (Ленин проспекты, 47) ойошторола. Рәхим итегеҙ, инеү ирекле. Ойоштороу комитеты. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Тикшеренеүсе-этнолог Зәкирйән Әминев "Иранда башҡорттар бармы?" тигән мәҡәләһендә үҙенең алыҫ фарсы дәүләтенең картаһында Башакерд тип аталған тау һыртына юлығыуына һәм карталағы мәғлүмәттәрҙән сығып, Башакерд тауының беҙҙең халыҡҡа берәй мөнәсәбәте юҡмы икән, тигән фараздар менән яңы мәғлүммәттәр эҙләй башлауы тураһында яҙғайны. Эҙләнеүҙәре уны "башгард", ("баджгирд", "Бәшкәрт") тигән халыҡҡа килтереп сығара. Был халыҡ хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт туплау маҡсатында Башҡортостан Республикаһынан бер төркөм ғалим Иранға юл тота. Экспедицияла этнологтар Зәкирйән Әминев, Юлиә Әбсәләмова, Гөлнәзирә Кинйәбаева, археолог Вячеслав Котов, бынан бер нисә йыл элек Теһран университетында уҡып ҡайтҡан фарсы теле белгесе, Бөрйән ҡыҙы Зәлифә Әбүбәкирова (Ҡолбирҙина) һәм йәш ғалим Азат Әбүбәкиров ҡатнашты. Башҡортостан ғалимдарына Ирандың Бендер-Аббас ҡалаһынан археолог Сәмәйә Поодат менән быға тиклем Башҡортостанда булып киткән Әмин Салари ихлас ярҙам күрһәтте. Әйткәндәй, Экспедицияның уңышлы эшләүе Зәлифәнең Ирандың башҡалаһы Теһранда белем алып, фарсы телен яҡшы белеүе һәм дә археолог Сәмәйә Поодаттың, Әмин Салариның ихлас ярҙамдары менән ныҡ бәйле. Шул арҡала ярайһы уҡ күп материалдар йыйырға, халыҡ менән осрашырға, аралашырға мөмкинлек тыуҙы. Ике аҙналыҡ сәфәрҙең маҡсаты - Ирандың көньяҡ-көнсығышында Бәшкәрт тигән тау теҙмәләрендә көн күргән бәшкәрт халҡы менән танышыу һәм, уларҙың ҡасан да булһа Урал башҡорттары менән берәй бәйләнеше булғанмы, юҡмы, тигән һорауға яуап табырға тырышыу ине. Тарихта бер үк, йәки яҡын яңғырашлы атама йөрөткән халыҡтар күп түгел. Башҡорттар менән бәшкәрттәр араһындағы оҡшашлыҡ шул һирәк осраҡтарҙың береһе. Шуға күрә лә был халыҡтар араһында бәйләнештәр булыу-булмауы, була ҡалһа, был бәйләнештәрҙең ҡайһы осорға һәм ниндәй территорияларға ҡайтып ҡалыуын өйрәнергә кәрәк. Иң алдан шуны әйтеп китергә кәрәк - бәшкәрт халҡы бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән. Был халыҡҡа арналған бер нисә генә фәнни хеҙмәт билдәле. Шулар араһында инглиз ғалимдары Е.А.Флоер, И. Гершевич, Моргенстьерненың һәм Норвегия ғалимы (хәҙер Гарвард университетында эшләүсе) П.О.Скйарвёның тикшеренеүҙәрен һәм ошо хеҙмәттәргә таянып, рус ғалимдары И.М.Оранский менән В.В.Мошкало тигән ғалимдарҙың хеҙмәттәрен әйтеп китергә була. Хатта Ирандың үҙендә лә уларҙы яңыраҡ ғына өйрәнә башлағандар һәм әлегә ниндәйҙер фәнни уңыштар менән маҡтана алмайҙар. Шулай булғас, башҡорт ғалимдарының бәшкәрт халҡы йәшәгән ерҙәргә барып, ҙур булмаған, әммә ҡыҙыҡлы материал туплауы Рәсәй этнология фәне өсөн дә оло ваҡиға булып тора, тип әйтергә лә хаҡыбыҙ барҙыр. Бәшкәрттәр Фарсы ҡултығына параллель рәүештә һуҙылған Бәшкәрт тауҙары һырттарында, Ирандың иң ҙур диңгеҙ порты булған Бендер-Аббас ҡалаһынан йыраҡ булмаған урында көн күрә. Бәшкәрт телендә һөйләшеүселәрҙең һаны әлегә аныҡ ҡына асыҡланмаған. Бынан егерме йыл элек уларҙың һаны 75 мең тирәһе булғанлығы билдәле. Бәшкәрт теле боронғо замандарҙа уҡ юҡҡа сыҡҡан пехлеви, авеста телдәре менән бер дәүерҙә формалашҡан тел һанала. Тик аҙаҡҡы ике тел күптән юҡ булһа, бәшкәрттәр үҙ телдәрендә әле булһа аралаша. Был телдең марзигал һәм мөлкигал диалекттары бар. "Гал" фарсы телендә һөйләш тигәнде аңлата. Бик боронғо, хатта фарсыларҙың теленән дә боронғораҡ, үҙаллы тел булыуына ҡарамаҫтан, бәшкәрт телен фарсылар үҙ теленең бер диалекты тип кенә ҡарай. Әммә фарсы теллеләргә бәшкәрт теле бигүк аңлашылмай. Бәшкәрт теленең бик боронғо айырым тел икәнлеген беҙгә ярҙам итеп йөрөгән археолог Сәмәйә Поодат ханым да билдәләп үтте. Әлеге ваҡытта бәшкәрттәрҙең күп өлөшө фарсы телен яҡшы белә, шулай уҡ мәктәптәрҙә уҡытыу ҙа фарсы телендә алып барыла. Уларға күрше булып ҙур ғына һанлы Рәсәй фәнендә белуджи тип аталған, әммә үҙҙәрен "балучи" тип атаған халыҡ йәшәй. Әйтергә кәрәк, тикшеренеүселәр билдәләүенсә, балучилар араһында ла "башгирд" тип аталған этнографик төркөм бар, етмәһә, башгирдтар совет осоронда Совет Төркмәнстанында ла йәшәгән. Әммә, үкенескә ҡаршы, башҡорт ғалимдарына был мәғлүмәттәр әллә билдәле булмаған, әллә белеп тә ҡыҙыҡһынмағандар - был халыҡ хаҡында бер ниндәй материалдар ҙа юҡ. Экспедиция һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡ яһарға, Урал башҡорттары менән Иран бәшкәрттәре араһындағы бәйләнештәр тураһында әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай. Йыйылған материалдарҙы ентекләп өйрәнергә һәм яңы материалдар туплау, уларҙы анализлау зарур. Шулай ҙа ниндәйҙер уртаҡлыҡтар тураһында әле үк һүҙ йөрөтөргә мөмкиндер. Беҙ тәүҙә Иран дәүләтенең башҡалаһы Теһранда туҡтаныҡ. Унда беҙҙе Зәлифә үҙе уҡып бөткән Теһран университетының уҡытыусылары менән таныштырҙы. Иран ғалимдарының да башҡорт халҡы менән яҡындан танышырға, беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә ниәттәре ҙур. Осрашып һөйләшеүҙәр барышында артабан бергәләшеп эшләп, киләсәктә Башҡортостан һәм Иран халыҡтарының тормош-көнкүрешенә бәйле булған күргәҙмәләр ойоштороп, халыҡтарыбыҙҙы таныштырырға кәрәк, тигән фекергә килдек. Теһрандан беҙ бәшкәрт тауҙарына юл тоттоҡ. Бәшкәрт ере, үҙҙәре әйтмешләй, бығаса сит-яттар бигүк үтеп инмәгән ер. Теһранда бәшкәрттәр йәшәгән ерҙәрҙе, Һормозган провинцияһының иң артта ҡалған, йәшәү өсөн уңайлы шарттары булмаған ере, тип оҙатып ҡалғайнылар. Шуға күрә, ауыр шарттарҙа эшләргә тура килер, тип, хәлебеҙҙән килгәнсе әҙерләнеп, үҙебеҙ менән күп итеп ашарға-эсергә алып барҙыҡ. Юлда китеп барабыҙ. Тау араларында ауылдар бар тип уйламаҫһың да. Бөтә бәшкәрт ауылдары ла тау араларындағы үҙәндәрҙә йәшенешеп ултырған кеүектәр. 1956 йылғы экспедицияһындағы материалдарҙа күренекле ғалим Илья Гиршевич та бәшкәрт ауылдарын шулай һүрәтләй. Төнгө сәғәт дүрттәр тирәһендә генә таулы бәшкәрттәр еренә аяҡ баҫтыҡ. Төбәп барған Гәүһүрән ҡалаһында беҙҙе Нәдир исемле ир-егет бик тә ихлас ҡаршы алып, идара меһманханаһында урынлаштырҙы. Йоҡо туйҙырып, икенсе көнө урамға сыҡҡас, яҡшы асфальт юлдарҙы, тирмәләре янында таштан һалынған өйҙәрҙе һәм тырышып матур итеп йәшәп ятҡан бәшкәрттәрҙе күреп ҡыуандыҡ. Үрҙә әйтеп киткәнсә, бик аҙ өйрәнелгән, әммә бик тә ихлас, ябай, алсаҡ һәм шул ваҡытта үҙ баһаларын белгән, ғорур халыҡ булып сыҡты беҙҙең яңы таныштарыбыҙ. Ярҙам итергә һәр саҡ әҙер торалар. Экспедициябыҙҙың беренсе көнөнән үк машина һәм ҡунып йөрөү өсөн өй мәсьәләһе менән ихлас ярҙам иттеләр. Беҙ килеп урынлашҡан ҡаланың боронғо исеме Йәһүрән булған. Ислам революцияһына тиклем Анһуран булһа, һуңынан Гәүһүрән тип үҙгәртелгән. Беҙҙең яңы таныштарыбыҙ был атаманың мәғәнәһен, Йәһүрән боронғо бәшкәрт телендә "ярты көн" була, тип аңлаттылар. Сөнки башҡа ауылдарҙан Гәүһүрәнгә килеп еткәнсе ярты көн уҙыр булған. Гәүһүрән эргәһенән генә Ашҡун йылғаһы аға. Гәүһүрәндән тыш, Пакуһе Сефид, Гоурауи һәм Йағдан, Сардашт ауылдарында булдыҡ. Һәр ерҙә беҙҙе яҡты сырай, асыҡ күңел менән ҡаршы алдылар. Гоурауи ауылында күстәнәскә бер мискә яңы ғына йыйылған финиктар ҙа бирҙеләр. Зәкирйән ӘМИНЕВ, философия фәндәре кандидаты, БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының рухи донъя бүлеге мөдире. Зәлифә ӘБҮБӘКИРОВА, Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми хеҙмәткәре, фарсы теле буйынса белгес. (Дауамы бар). Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәттәх Фәррәх улы Сәйфетдинов ауыр тормош юлы үтә. Әммә ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, ҡыйынлыҡтар күрмәһен, бөгөн ул күңел күтәренкелеген hәм яҡшы кәйефен юғалтмай, тыныс тормошҡа ҡыуанып матур ғына донъя көтә. Фәттәх Фәррәх улы Яңы Биктәш ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә, ата-әсәһе дүрт ул hәм өс ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Атаһы Фәррәх тәүгеләрҙән булып колхозға инә, колхоз эшендә Сәйфетдиновтар ғаиләһе һынатмай, гел алдынғылар иҫәбендә була. 1939 йылдың сентябрендә йәш Фәттәхте әрме сафына алалар, уға Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итергә тура килә. Учебканан һуң кесе сержантты Маньчжурия сигенә 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтына тоҫҡаусы итеп ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәш артиллерист хеҙмәттәштәре менән бергә Советтар Союзы сиктәрен һаҡлай. Ҡот осҡос аслыҡ була. Йәй, нигеҙҙә, алабута, виноград япраҡтарынан аш бешереп, тамаҡ туйҙырғандар, бәрәңге бөтөнләй күрмәгәндәр. Аслыҡҡа түҙер әмәл ҡалмағас, Фәттәх Сәйфетдинов үҙе теләп Көнбайыш фронтҡа яҙыла. Аслыҡтан үлгәнсе, пулянан үлеү яҡшыраҡ булыр, тип ҡарар итә ул. Фәттәхтең ул ваҡытта өс ағаһы ла һуғышта була, шуға күрә командир һалдатҡа фронтҡа китергә рөхсәт итмәй. Фашист Германияһын Еңеү тураһында хәбәр килгәс, һалдаттар шатлана һәм тиҙҙән тыуған яҡтарға ҡайтырбыҙ тип өмөтләнәләр. Тик ваҡыт үтә, ә демобилизация тураһында бойороҡ булмай. Хәрби хәрәкәттәр Көнсығышта дауам итә. Ветеран әле лә Совет ғәскәрҙәренең Маньчжурияға инеүен яҡшы хәтерләй. Дошманға ҡаршы ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп, Совет һалдаттары Муданьцзянаға юллана, шунда Фәттәх Фәррәх улының Еңеү юлы тамамлана. Ҡаты һуғыш һөҙөмтәһендә миллионлаған Квантун армияһы тулыһынса тар-мар ителә. Һуғыштан һуң һалдаттарҙы Хабаровск крайына күсерәләр. Ауыр шарттарҙа Совет ғәскәрҙәре Ҡытай сигендә 1946 йылдың майына тиклем ҡалдырыла. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡанда уны ауыр юғалтыуҙар көтә. Кавалерист булып хеҙмәт иткән Сәбәх ағаһы Сталинград фронтында hәләк булһа, ағаһы Ғәйнетдин, сапер, Ҡаҙағстанда һуғыш йәрәхәттәренән вафат була. Ә кесе туғаны Сәләх, минометсы, Волхов фронтында батырҙарса һуғышып башын һала. Һуғыштан һуң тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас, Фәттәх Фәррәх улы 44 йыл буйы Ватаныбыҙ хаҡына намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Йәрмәкәй районының Турай ауылынан Әминә исемле ҡыҙға өйләнә. Ҡатыны менән биш бала: ике ул hәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Фәнүз менән Сәләх, атайҙары кеүек, армияла тоғро хеҙмәт итә. Фәттәх Фәррәх улы колхозда трактор бригадаһы хисапсыһы, үҫемлекселек бригадаһы бригадиры, ферма мөдире булып эшләй. Һуңынан Әлшәй районының Шафран ауылында хисапсы һөнәрен үҙләштереп, Яңы Биктәш ауыл Советында, “Сухоречка” совхозының Яңы Биктәш бүлексәһендә бухгалтер вазифаларын башҡара. Тормош иптәше Әминә менән 45 йыл иңгә-иң терәп, матур донъя көтәләр. Бөгөн олпат кәүҙәле, сал сәсле, теремек, ауылдаштары араһында ғына түгел, ә тотош район халҡы араһында абруй ҡаҙанған һуғыш ветераны Фәттәх Сәйфетдинов хәләл ефете, улы Сәләх менән бергә, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарына төрөнөп, тыныс тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Фәттәх Фәррәх улының күкрәген төрлө орден һәм миҙалдар биҙәй, ул – мәктәп уҡыусыларының көтөп алынған ҡунағы. "Башҡортостан" гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡайһы заманды ғына алһаң да, тимер юлы иң уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорт төрө булып ҡала. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫеше лә тимер юлдарҙың тотороҡло эшләүенә тығыҙ бәйләнгән. Ҡорос магистралдәр хәҙерге шарттарҙа ла транспорттың киң ҡулланылған һәм арзан төрҙәренең береһе булып ҡала. Иң күп йөк ташыу әйләнеше ошо транспортҡа тура килһә, пассажирҙар йөрөтөү автомобиль транспортынан ғына ҡалыша. Тимер юл транспортының тотороҡло эшләүе беҙҙең республика өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Тимер юл хеҙмәте менән Башҡортостан халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтары ла файҙалана. Ҡайһы заманды ғына алһаң да, тимер юлы иң уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорт төрө булып ҡала. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫеше лә тимер юлдарҙың тотороҡло эшләүенә тығыҙ бәйләнгән. Ҡорос магистралдәр хәҙерге шарттарҙа ла транспорттың киң ҡулланылған һәм арзан төрҙәренең береһе булып ҡала. Иң күп йөк ташыу әйләнеше ошо транспортҡа тура килһә, пассажирҙар йөрөтөү автомобиль транспортынан ғына ҡалыша. Тимер юл транспортының тотороҡло эшләүе беҙҙең республика өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Тимер юл хеҙмәте менән Башҡортостан халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтары ла файҙалана. Тимер юлсы тигән яуаплы һәм хәүефле һөнәр артындабѳтә коллективтың намыҫлы хеҙмәте ята. Тимер юлында тотҡарлыҡтар, өҙөклөктәр, авариялар булмаһын өсөн һәр хеҙмәткәр бар көсөн, тырышлығын һалып эшләй. Элек, бала саҡта, состав тәгәрмәстәренә “һуғып” ҡына йөрөгән апайымдың эше лә миңә иң ҡулайлы һәм еңел булып күренһә, ваҡыт уҙа килә хеҙмәтенең үтә яуаплы, кеше ғүмере, хәүефһеҙлеге өсөн тырышып эшләүенә төшөндѳм. Уйлай китһәң, сәфәребеҙҙең уңышлы үтеүе ниндәйҙер кимәлдә ябай ғына тойолған билет кассирының эшенән дә тора. Уларҙың һѳнәри оҫталығы, шулай уҡ мөнәсәбәте беҙҙе юл буйы оҙатып йөрөйәсәк. Яңыраҡ “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” акционерҙар йәмғиәтендә “Ҡала яны бәйләнешенең иң яҡшы билет кассиры - 2019” Бөтә Рәсәй конкурсының тәүге этабына йомғаҡ яһалды. Конкурстың һайлап алыу этабында транспорт ойошмаһының 11 кассиры ҡатнашты. Ярыш программаһының теоретик этабында конкурсанттар һөнәри эшмәкәрлектәре буйынса компьютерҙа тест һорауҙарына яуап бирҙе. Икенсе этабында иһә жюри ағзалары конкурсанттарҙы эш мәлендә баһаланы, ғәҙәти булмаған хәлдәрҙән сығыу юлдарын табыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа юғары оҫталыҡ күрһәтте. Жюриға иң-иңдәрен һайлап алыу ауырға тура килде. Шулай ҙа Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы Ҡарламан участкаһының Инйәр станцияһында билет кассиры булып эшләгән Юлия Рымшина үҙен бар яҡтан да алдынғы, өлгөлө хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Юлия 2009 йылда Белорет металлургия колледжының “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе” бүлеген тамамлаған. Йәш хеҙмәткәр ҡала яны компанияһында 2012 йылдан эшләй. Тормош иптәше менән 2 ул тәрбиәләгән тәжрибәле хеҙмәткәр 12-13 сентябрҙә Новосибирскиҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй этабында туған компанияһы намыҫын яҡлаясаҡ та инде. Компания намыҫын юғары кимәлдә яҡлаясаҡ Юлия Рымшинаны, шулай уҡ бѳтә тимер юлсыларҙы етеп килгән һөнәри байрамдары менән ҡайнар отлайбыҙ, ауыр һәм тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өфөлә уҙған йәкшәмбелә сираттағы температура рекорды теркәлгән – бер айҙа бишенсе тапҡыр. Ә Салауат ҡалаһында температура +35 градусҡаса күтәрелгән, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк. Өфөлә уҙған йәкшәмбелә сираттағы температура рекорды теркәлгән – бер айҙа бишенсе тапҡыр. Ә Салауат ҡалаһында температура +35 градусҡаса күтәрелгән, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк. 23 майҙа көндөҙ, кисәге кеүек, республиканың баш ҡалаһында һауа температураһының абсолют максимумы теркәлгән. Өфө-Дим станцияһында термометр бағанаһы +32 градусҡа еткән, ә 1967 йылда был көндә +31,5 градус күрһәткән. Республикала атмосфера фронты зонаһында һауа температураһы төрлөсә булған: төньяҡ-көнбайышта +22-нән көньяҡта +35,4 градусҡа тиклем (Салауат метеостанцияһында). Фото: donday-shakhty.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Быйыл яҙ иртә килде: ҡояшлы көндәрҙә баҫыу-болондарҙа ҡалын ҡар ҡатламы бик тиҙ иреп юҡҡа сыҡты. Ошоғаса ҡыр өҫтөндә турғайҙар йыры ғына яңғыраһа, хәҙер был тауышҡа техника гөрөлдәүе лә ҡушылды. Район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен башланы. Быйыл яҙ иртә килде: ҡояшлы көндәрҙә баҫыу-болондарҙа ҡалын ҡар ҡатламы бик тиҙ иреп юҡҡа сыҡты. Ошоғаса ҡыр өҫтөндә турғайҙар йыры ғына яңғыраһа, хәҙер был тауышҡа техника гөрөлдәүе лә ҡушылды. Район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен башланы. Быйыл районда яҙғы баҫыу эштәрененең дөйөм күләме 99 мең гектар тәшкил итә. Шуның 59,5 мең гектарын бөртөклө культуралар биләһә, 22,6 мең гектар майҙанда рапс, сөгөлдөр, көнбағыш, етен, соя кеүек техник культуралар сәселәсәк. Уның өсөн 8300 тонна орлоҡ кәрәк була. “Ашҡаҙар”, “Трудовик”, “Иҙел, Салауат” исемендәге хужалыҡтар беренселәрҙән булып күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлауға, тырматыуға төштө. “Заманса техника эште байтаҡҡа еңелләштерә: ике “Amazon” агрегаты ашлама һиптерә, “Агротон” тракторы тырмата. Тәүгеһендә 1200, икенсеһендә 450 гектар сәсеүлек эшкәртелде”, - ти “Ашҡаҙар” хужалығы етәксеһе Илдус Хәлитов. Ҡояш, ел дымды ялмап алғандай, тиҙ арала юҡҡа сығара, шуға көнө генә түгел, сәғәте лә ҡәҙерле. Яҙын сәсһәң, һаҙға сәс, тип боронғолар бушҡа әйтмәй бит. Арпа сәсеүгә лә бөтәһе лә әҙер. Механизаторҙар Венер Зөбәйеров, Александр Романов, баҫыуҙарҙы тырматыуҙа йөрөгән Михаил Коркушко, Олег Митрофанов, водителдәр Фәнил Рафиҡов, Антон Иванов яҙғы баҫыу эштәрен етеүен көтөп алды. Салауат исемендәге хужалыҡта ла 600 гектар баҫыу ашланған, 400 гектар ер дымға ҡапланған. Күп яландарға инерлек түгел. Илдус Игбаев етәкселегендәге “Һабаш”бригадаһы һурыҡҡан баҫыуҙарға сыҡҡан. Азамат Йәрмөхәмәтов, Азат Ғәйнуллин, Владимир Григорьев, Ирек Бураншин, Рәмил Фәйзуллин, Фидан Әлимбаев, Азамат Ғәббәсовтар өсөн был осорҙа ял да, байрам да юҡ. Уларҙың тырышлығы бушҡа китмәҫ. Халыҡ әйтмешләй, йылы ғына килһен!
Рәсәй Президенты эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын, минималь эш хаҡы күләмен һәм йәшәү минимумын 10 процентҡа индексациялауҙы раҫланы. Пенсия һәм йәшәү минимумы 1 июндән артырға тейеш. Илдә йәшәү минимумы уртаса 12 919 һумға еткерелә. МРОТ 1 июлдән арта — ил буйынса уртаса 15 278 һумға тиклем. Йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә инфляция 15% артмаҫ, тип билдәләне президент. Путин пенсияны һәм МРОТ-ты 10% арттырыуҙы раҫланы Бынан тыш, дәүләт башлығы хәрби һөнәрен һайлаған балалы ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙамды икеләтә арттырырға вәғәҙә бирҙе — ул 30 000 һумдан ашыу була. Владимир Путин март уртаһында минималь эш хаҡын һәм йәшәү минимумын арттырыу, пенсияны, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе индексациялау буйынса саралар тәҡдим итергә ҡушҡайны. «Хаҡтарҙың артыуы халыҡтың килеменә йоғонто яһауын аңлайым, шуға күрә яҡын арала бөтә социаль түләүҙәрҙе арттырыу буйынса ҡарар ҡабул итербеҙ. Йәнә ҡабатлайым: хатта шундай ҡатмарлы хәлдә лә йыл йомғаҡтары буйынса беҙгә ярлылыҡ һәм тигеҙһеҙлек кимәлен кәметергә кәрәк», — тине президент. https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-05-25/putin-utverdil-povyshenie-pensiy-i-mrot-na-10-2817698 Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
12 йәшлек бала йәмәғәт транспортында барғанда йығылып, ныҡ ҡына йәрәхәтләнгән. Малайға табиптар ярҙамына мөрәжәғәт итергә тура килгән. Һуңғы осорҙа автобус салонында йығылып имгәнгән пассажирҙар һаны артҡан. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, 1981 йылғы водитель “НефАЗ” автобусында Октябрь проспекты буйлап барғанда кинәт тормозға баҫа, һөҙөмтәлә 12 йәшлек бала тәгәрәп барып төшә һәм йәрәхәттәр ала. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң баланы ҡайтарып ебәрәләр. Бындай күңелһеҙ осраҡтар йыш булып тора. Ғинуарҙан октябргә тиклемге осорҙа рәсми теркәлгәндәре генә-117. 120 пассажирҙың йәрәхәтләнеүе билдәле. Дәүләт автоинспекцияһында әйтеүҙәренсә, водителдең кинәт маневр яһауы, тиҙлекте арттырыуы һөҙөмтәһендә пассажир йығылып йәрәхәттәр алған осраҡтар ҙа юл-транспорт ваҡиғаһы булараҡ теркәлә. Ғөмүмән, юлға сыҡҡанда көтөлмәгән хәлдәр һәр беребеҙҙе һағалап ҡына тора. Шуға күрә салон эсендә лә уяу һәм иғтибарлы булыу мөһим. Фото:”Башинформ”. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Kin-t-tormoz-a-ba-an-486192/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
✅ ҺӨЙӨНСӨ, дуҫтар!✅ 2 декабрҙән 12 декабргә тиклем матбуғатҡа льготалы яҙылыу декадаһы иғлан ителде. Тап ошо осорҙа “ЙҮРҮҘӘН” гәзитенә ташлама менән яҙылып ҡалырға мөмкин. 6 айға яҙылыу хаҡы – 767 һум 58 тин (85 һумға арзаныраҡ килеп сыға). Баҫманың индексы: 765.Гәзиткә яҙылыусылар араһында был юлы ла БҮЛӘКТӘР ???????????? уйнатабыҙ. Алты айға йәки бер йылға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ. Яңы йылға күп ваҡыт ҡалманы, “ЙҮРҮҘӘН” гәзитенә яҙылырға ашығығыҙ!Мөхәрририәт. ✅ ҺӨЙӨНСӨ, дуҫтар! ✅ 2 декабрҙән 12 декабргә тиклем матбуғатҡа льготалы яҙылыу декадаһы иғлан ителде. Тап ошо осорҙа “ЙҮРҮҘӘН” гәзитенә ташлама менән яҙылып ҡалырға мөмкин. 6 айға яҙылыу хаҡы – 767 һум 58 тин (85 һумға арзаныраҡ килеп сыға). Баҫманың индексы: 765. Гәзиткә яҙылыусылар араһында был юлы ла БҮЛӘКТӘР ???????????? уйнатабыҙ. Алты айға йәки бер йылға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ. Яңы йылға күп ваҡыт ҡалманы, “ЙҮРҮҘӘН” гәзитенә яҙылырға ашығығыҙ! Мөхәрририәт. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Комбинат коллективы алдында Рәсәй эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы бүлеге начальнигы Андрей Самышев, Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ начальнигы Руслан Сафиуллин һәм БР буйынса Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығы начальнигы Геннадий Мосякин сығыш яһаны. Төп тикшерелгән мәсьәлә – мутлашыу осраҡтарының йышайыуы булды. Шулай уҡ спикерҙар ата-әсәләр балаларының кем менән һәм нисек ваҡыт үткәреүҙәрен белергә тейешлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Руслан Сафиуллин ҡалала ҡуйылған фотовидеотеркәү камералары эше тураһында һөйләне, уларҙың һаны тағы ла артасаҡ тине. Осрашыу аҙағында ҡунаҡтар хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында полицияға ваҡытында хәбәр итергә өндәне. Илья Букарев Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Башҡортостан юлдарында 2020 йылға планлаштырылған 609 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексының 150-һе ҡуйылды. Башҡортостан юлдарында 2020 йылға планлаштырылған 609 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексының 150-һе ҡуйылды. «Тәүге 150 комплекс Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондарында, шулай уҡ Нефтекамала һәм Ағиҙелдә эшләй. Уларҙың бөтәһе лә тиҙлек режимын боҙоуҙарҙы теркәй», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Ҡалған 459 комплексты бөтә ерҙә лә 2020 йылдың 1 майына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. 2017 йыл менән сағыштырғанда, ошо проект ярҙамында республикала юл фажиғәләрендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү планлаштырыла. Бынан тыш, проект юлдарҙа юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлгән урындарҙы ике тапҡырға кәметеүҙе күҙ уңында тота. Видеотеркәү комплекстары ҡуйылған урындарҙы бында табырға мөмкин. Яңылыҡ Башинформ сайтынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
11 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эш сәфәре менән Белорет ҡалаһында булып китте. Эш сәфәре барышында Премьер-министр урынбаҫары муниципаль инфраструктураның сәнәғәт предприятиеларын, социаль учреждениеларын һәм объекттарын ҡараны. 11 мартта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эш сәфәре менән Белорет ҡалаһында булып китте. Эш сәфәре барышында Премьер-министр урынбаҫары муниципаль инфраструктураның сәнәғәт предприятиеларын, социаль учреждениеларын һәм объекттарын ҡараны. Ошо уҡ көндө муниципаль район хакимиәтендә район Советының сираттағы сессияһы үтте. Сессия эшендә Өфөнән килгән етәкселәр ҙә ҡатнашты. Белорет районы Советы депутаттары ҡарары менән контракт нигеҙендә Андрей Иванович Иванюта муниципаль район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Премьер-министр урынбаҫарының эш сәфәре иң ҡеүәтле предприятие һаналған - Белорет металлургия комбинатынан башланды. Металлургия комбинаты илебеҙҙә метиз етештереүсе алдынғы өсәү иҫәбенә инә һәм канат, сым сығарыуҙа ла алдынғылар рәтендә һанала. Шулай уҡ Рәсәйҙә диаметры 0,009 миллиметрға тиклем булған микросым етештереүсе берҙән-бер предприятие булып иҫәпләнә. - Белорет заводы бөтә Рәсәйгә генә түгел, сит илгә лә билдәле булған продукция етештерә. Оҙаҡламай предприятиела ҡорос сым-канат производствоһы модернизацияланасаҡ. Проект республика Хөкүмәтенән ярҙам алды. Заводтың экспорт йүнәлешен иҫәпкә алып, ошондай предприятиелар өсөн яҙғы осорҙа йөк ташыу буйынса сығымдарҙы ҡаплау проекты әҙерләйбеҙ. Эшлекле әүҙемлек кәмергә тейеш түгел, - тине Андрей Геннадьевич. Делегация Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Сергей Федоров оҙатыуында прокат цехында булды, катанка әҙерләү барышын ҡараны. Шулай уҡ нефть-газ һәм башҡа тармаҡтар, күпер һәм суднолар төҙөү, шул иҫәптән импортты алыштырыусы продукция етештереү өсөн күп шәлкемле канаттар производствоһы менән танышты. Артабан беренсе вице-премьер “Новобрикс” Белорет кирбес компанияһы” йәмғиәтендә булды. 2017 йылдан завод Европа технологиялары буйынса гиперпресланған облицовкалы кирбес һәм тротуар плиткаһы етештерә. Заводтың ҡеүәте йылына 13 млн. кирбес етештереү. - Заман производствоһы ваҡыт үтеү менән сифатлы плитка һәм кирбес етештереүҙе арттырасаҡ ҡына. Ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән муниципалитеттарға бындай эшмәкәрлек мөһим, - тине сәфәр барышында Андрей Назаров. Республика менән берлектә белореттар ҙа Башҡортостанда быйыл үтәсәк IV Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә. Көнсығыш зонаға ҡараған Иҙел башына Германия, Албания, Гватемала, Ҡырғыҙстан, Латвия, Парагвай, Америка Ҡушма Штаттары, Таиланд, Черногория һәм Эквадор илдәренән 300-гә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөлә. Районда төп саралар ике майҙансыҡта - “Металлург” кинотеатры алдында һәм Инйәр ауылында үтәсәк. Андрей Геннадьевич халыҡ-ара мәҙәни форумға Белореттың әҙерлеген дә тикшерҙе. Делегация һуңынан ярты быуат элек төҙөлгән 20-се мәктәпкә юлланды. Бөгөнгө көндә ике сменала уҡытыу алып барылған мәктәп капиталь ремонтҡа мохтаж. Ҡыйығын, тәҙрә-ишектәрен алыштырыу, электр-йылылыҡ системаларын яңыртыу талап ителә. Мәктәп директоры Владимир Сатаров әйтеүенсә, спорт залы һәм ашхана өсөн айырым бина төҙөү мотлаҡ. Белем учреждениеһын ҡарап сыҡҡандан һуң, вице-премьер ремонт эштәренең ыңғай хәл ителеренә вәғәҙә бирҙе. Һуңынан сығарылыш уҡыусылары, кадеттар менән осрашты. “Морат” тау саңғыһы курорты майҙансығында йылына 250 мең туристы ҡабул итеү мөмкинлеге булған ғаилә курорты булдырыу перспективаһы буйынса фекер алыштылар. Был бөгөнгө һандарҙан биш тапҡырға арта. Бының өсөн инвесторҙар ҡатнашлығында тау саңғыһы трассаларын арттырыу, яңы рекреацион һәм туристик объекттар - ял комплекстары, концерт һәм кәңәшмә залдары менән ҡунаҡхана, шулай уҡ кәрәкле инфраструктуралар төҙөү планлаштырыла. Андрей Назаров етәкселегендәге делегация шулай уҡ ҡаланың 3-сө мәктәбендә лә булып, йәш спортсылар менән осрашты, бокс буйынса күнекмәләрҙе ҡараны. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә лә булды. Муниципаль район хакимиәтендә үткән сессия ултырышында ҡатнашты, район-ҡаланың киләсәге, үҫеше тураһында һөйләне. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Назаровты эш сәфәрендә Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнгән Андрей Иванюта, шулай уҡ ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов, сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филюс Миназов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков һәм башҡа вазифалы етәкселәр оҙатып йөрөнө. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Пионерҙар ойошмаһы Советтар Союзында 1922 йылда төҙөлә һәм СССР тарҡалғас, 1991 йылда бөтөрөлә. Уның тарихы былай була: 1921 йылда күп ҡала һәм ауылдарҙа йәш коммунистар ойошмалары барлыҡҡа килә башлай. 1922 йылдың 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1923 йылдың майында Өфөлә йәштәр союзының 1-се ҡала-район комитеты ҡарамағында пионер отряды ойошторола. 1923-сө йылдың 10 октябре Башҡортостан пионер ойошмаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Был көндө тәүге тапҡыр пионерға алыу тантанаһы үткәрелә. Пионерға илһөйәрлек, ярҙамсыл, намыҫлы булыу хас. Ул һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы, кеселәрҙе яҡлай, ололарҙы ололай белә, белем алыуға ынтыла. Юҡҡа ғынамы 1930 йылдан алып, 60йыл дауамында журналыбыҙ "Пионер" булараҡ донъя күрә! Унда бихисап октябряттар, пионерҙар үҙ ҡәләмен һынап ҡарай, әллә күпме яҙыусы, шағирҙар тәүге ижад емештәрен "Пионер"ҙа күреп, шатлана. Советтар Союзы күптән тарҡалһа ла, пионерҙар бөгөн дә бар. Башҡортостанда "Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһы 20 йылдан ашыу эшләй. Бөгөн унда яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә. Байрам менән, дуҫтар! Яҡшылыҡ, дөрөҫлөк өсөн һәр ваҡыт алда булайыҡ! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
- Яҡшымбәттә тыуҙым, ошонда үҫтем, ғүмер буйы тыуған колхозымдың ҡеүәтен үҫтереү өсөн тырышып эшләнем, - ти үҙенең 85 йәшен тултырған Рәтцимә Искәндәрова - Һуғыш була күрһә үҙеңде фронтҡа алып китәсәктәр. Бар, тиҙ генә документтарыңды кире алып ҡайт, - тине әсәйем. – Ана шулай ул минең яҙмышымды ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе. Рәтцимә Искәндәрова колхозда ашарға ла бешереүсе булған, быҙау, һарыҡ та ҡараған, сөгөлдөрҙән дә ҡалмаған, һатыусы, йыйыштырыусы ла булған, үгеҙ менән ҡом ташып, юл да һалған хатта. Бер эштән дә ҡурҡмаған етеҙ ҡатын тормош иптәше Тимерхан менән 7 балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Тулы материал "Юшатыр"ҙың 80-се һанында. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Ошо көндәрҙә Өфөләге республика Хәрби Дан музейында «BashMult» республика фестиваль-конкурсы ойошторолдо. Уның сиктәрендә был бәйгелә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы ла булды. Әлеге бәйгегә 60тан ашыу эш тәҡдим ителде. Уларҙы айырым ҡатнашыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, анимация студияларында шөғөлләнеүселәр, республика мәктәптәре уҡыусылары конкурс комиссияһына ебәргән. Ағымдағы йылда фестиваль-конкурс Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылды. Саҡмағош беренсе урта мәктәбендә уҡытыусы Лилиә Хәмит ҡыҙы Гәрәева етәкселегендә уңышлы эшләп килгән “Вспышка” мультфильмдар студияһы өсөн был конкурста ҡатнашыу бик тә уңышлы булды. Был ижади коллектив “Күңелһеҙ булмаған классика” номинацияһында I урынды яулап еңеүсе булды һәм төп приз – «BashMult» статуэткаһы менән бүләкләнде. Был сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостандың мультфильм төшөрөүселәре, режиссерҙары һәм рәссамдары менән дә осраштылар. Интерактив майҙансыҡтарҙа оригами эшләү буйынса мастер-класстар үтте, конкурста ҡатнашыусылар төшөргән мультфильмдар һәм “Би-Ба-Бо” ҡурсаҡ театры тамашаһы күрһәтелде, күңел асыу-уйын саралары ойошторолдо. Фотозонала фестиваль билдәһе булған «BashMult» уйынсыҡ айыуы менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә мөмкинлек булды. Р.Арыҫланова әҙерләне. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Киң матбуғат сараларында күп тапҡырҙар яҙылған һанлы телетапшырыуҙар форматына күсергә һанаулы ғына көндәр ҡалды. 14 октябрҙән Башҡортостанда аналог телетапшырыуҙар туҡтатыла. Заманса технологиялар телевизион сигналға бихисап файҙалы нәмәләрҙе берләштерә ала. “Һанлы” картина һәр ваҡыт аныҡ, сағыу, уға һауа торошо тәьҫир итмәй. Шулай уҡ ул Full HD һәм 4К (һүрәттең үтә юғары сифаты) форматтарында видео күсереү мөмкинлегенә эйә. Тауыш та күпкә сифатлыраҡ, телетекст, тапшырыуҙар программаһы, һанлы радио һәм башҡа өҫтәмә сервистар етәрлек. Районда халыҡҡа һанлы телевидениеға күсеү мөмкин тиклем уңайлы булһын өсөн бихисап эштәр башҡарыла. Красноусол ауылында, мәҫәлән, Балалар ижады үҙәге базаһында эшләп килгән ирекмәндәр төркөмө аңлатыу эштәре алып бара. Кешеләрҙең һорауы буйынса улар ҡорамалдарҙы дөрөҫ тоташтырыу һәм көйләү буйынса ярҙам күрһәтә. Красноусолда йәшәүсе 82 йәшлек Тамара Алексеевна Щербакова һанлы телевидениеға күсеүҙе алдан уҡ хәстәрләп, һанлы приставка һатып алған. Уны көйләүҙә ярҙам һораған оло кешенең фатирына “Һанлы волонтер” тигән махсус бейджик таҡҡан ирекмәндәр Эльвира Мәҡсүтова менән Айнур Салауатов килде. Улар барыһын да ентекләп аңлатҡандан һуң, Тамара Алексеевнаның һорауҙарына яуап бирҙеләр. Ул яңылыҡтар ҡарарға ярата, шуға күрә уларҙың ҡайһы каналдарҙа күберәк булыуы, шулай уҡ радио тапшырыуҙарҙы тыңлап булыу мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡһынды. - Хәҙер телевизорым бик асыҡ, төҫтәрҙе баҙыҡ итеп күрһәтә. Каналдарҙы күсереүҙе лә өйрәнеп алдым. Минең кеүек оло йәштәгеләргә ярҙам итеп йөрөүсе ирекмәндәргә рәхмәт, - тип оҙатып ҡалды ул уҡыусыларҙы. Ирекмәндәрҙең етәксеһе, Балалар ижады үҙәге өҫтәмә белем биреү педагогы Айгөл Фәйзуллина әйтеүенсә, улар бындай ярҙамды 18 инвалидҡа, 50 һуғыш һәм тыл ветеранына, аҙ килемле ғаиләләрҙәге һәм хаҡлы ялдағы 120 кешегә күрһәткән. Әгәр ҙә һеҙ телевизорығыҙҙы йәки һанлы приставкағыҙҙы көйләй алмаһағыҙ, 8.00 – 20.00 сәғәттәр араһында 8800-347-00-55 һандары буйынса төбәктә эшләгән йәки 8800-220-20-02 федераль канал “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондарына шылтыратығыҙ (шылтыратыу бушлай). Һеҙгә килгән ирекмәндәрҙең ирекмән кенәгәһе һәм “Һанлы волонтер” бейджигы булырға тейеш. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
-Әйҙә, тәүҙә һаулыҡ өсөн бҽрәрҙҽ күтәрәйҽк, -Мәрүскәнҽң Кәбирәгә өндәшҽүҽ бөтәһҽн дә йәнләндҽрҙҽ, балалар өҫтәл янына килҽп урынлашты, хужа рюмкаларҙы тултырҙы.-Внук бүләк итмәксҽләр бҽҙгә.-Кҽҽҽм?-Кәбирәнҽң тҽлҽ аңҡауына йәбҽштҽ.-Алия, биш айҙан...Әлҽ үк түгҽл, хәҙҽргә бҽҙҙә йәшәрҙәр, туйҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫбыҙ.Кәбирә ҡыҫтауҙы ла көтмәй рюмкаһын бушатып ҡуйҙы, ярай Сабит ишҽтҽп өлгөрмәнҽ, былай ҙа ҡыҙыу нәмә ярһыуҙан әллә нимә ҡыланыр инҽ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта. Тайғаҡ һуҡмаҡ. Хикәйә. -Кәбирә инәй, һҽҙҙҽ Мәрүскә әбҽй ҡунаҡҡа саҡырҙы, Сабит бабай мҽнән бҽргәләп килһҽндә тинҽ. Төшкөлөккә... Һәр эшҽн ҽрҽнә ҽткҽрҽп, тәфсирләп эшләп өйрәнгән Кәбирә табаҡтағы йыуынты һыуын ашлыһыу күнәгҽнә ауҙарып әйләнҽп ҡарағансы, саҡырыусы малай вҽләсәпитҽндә күҙҙән юғалғайны индҽ. Уныһы ниндәй ҡунаҡ икән тағы, мәңгҽ бҽр ауылда бҽргә йәшәһәләр ҙә бҽр ҙә урыҫта ҡунаҡта булырға тура килмәнҽсҽ, аптырарһың да, Сабитҡа тағы эсҽү эләгә икән, иртәгә эшҽнә сыға алһа ярар инҽ, урыҫтың табыны араҡыһыҙ үтәмҽ. Саҡырыусының артынан урамға сыҡҡан ҡапҡаһын асып тирә-яҡты күҙәткән Кәбирә ошоларҙы уйлап юғалып ҡалды, күршҽләрҽнҽң уландары булды күрәһҽң. Тыуған көндәрҽмҽ икән, әллә бҽрәй байрамдарымы, уларҙың бөтмәҫ байрамдары була торған, ҡунаҡ янына ашҡа саҡырыу тигән йолаларын ишҽткәнҽ лә юҡ.Ғәжәп хәл булды был... Йәйгҽ аласығына инҽп иҙәнгә сҽпарат айыртып йыуғандан һуң сәскҽләнгән һыуҙарҙы һөртөштөргәндә өйҙәрҽнән ирҽ сыҡты. -Нимә тораһың юлда туңҡайып, ҡана йәһәтҽрәк айран һыулап бир, тамаҡ киптҽ. Әлҽ гҽнә һөрткән иҙәнҽн бысыраҡ галошы мҽнән тапап түргә үткән Сабит сабырһыҙланып ҡысҡырҙы. -Әллә ишҽтмәй ошо бисә, һыуһаным тҽйҽм. Уның дүрт-биш һорауына ҡыҫҡа яуап бирҽп өйрәнгән Кәбирә, тәүҙә ҽнтҽкләп ҡулын йыуҙы, һауытҡа ҡатыҡ һалып туғылағас, әҙләп-әҙләп һыу ҡойоп болғатып Сабитҡа һуҙҙы. -Сәй эсҽрһҽң бәлки, хәҙҽр ултыртам. -Көтөп торҙом тҽй сәйҽңдҽ, сәйҽңдҽ ана бҽсәй эсһҽн, ҡана ҡойоп бир бҽрәй нәмә, баш ярылып килә. Айранын бҽр-икҽнҽ уртлағас һауытын иҙәнгә бәрҙҽ. -Нимәңдҽ ҡарап һаман һыуыҡ һыу килтҽрмәгәнһҽң, йылынып бөткән һыуҙан яһағанһың тағы айранды. Кәбирә өндәшмәнҽ, яһай башлаған сәйҽн ҡуйып, ҡатыҡтан ағарған иҙәнҽн һөртә башланы, хәҙҽр балалар торорҙар, сығыуҙарына таҙа булһын, сәй эсҽргә өлгөрөр, ул да һыуһағайны ла бит. Уның ҡаршылашмауына Сабит өйрәнҽп бөткән, әлҽ уға ҡарап торҙо ла сүмҽстҽ тотоп урамға ыңғайланы. Уның ғәҙәтҽн бҽлгән Кәбирә артынан тыныс ҡына өндәштҽ. -Һин ҡоҙоҡта оҙаҡламаҫһың, төшкөлөккә Мәрүскәләр сәйгә өндәштҽ. Әлҽ иртәнгҽ рәт булһа ла ирҽнҽң ғәҙәтҽн бҽлә, похмҽльдән ҡоҙоҡҡа һыу эсҽргә төшә ул, әллә нисә сүмҽсҽн юғалтып кискә гҽнә ҡайтып ингән саҡтары бар.Ярай күршҽ-күлән уның был ғәҙәтҽн бҽлҽп бөткән, аунап ятҡан сүмҽстҽ күрһәләр килтҽрҽп бирәләр. -Сәғәт нисәгә, ҡасан барабыҙ, оҙаҡлап һуҙыла ла йөрөй торғанһың, мин ҡайтыуға әҙҽр тор. Кәбирәнҽң туҡтауһыҙ башын игәгән, ни өсөн, ниңә, тигән һорауҙар уны борсоманы ла шикҽллҽ, бҽлә өҫтәлгә аҡбаш ҡунырын. Һәр саҡ үҙҽн гҽнә ҡайғыртҡан, үҙ тҽләгҽн гҽнә ҡәнәғәтләндҽргән ирҽнә яраҡлашҡан Кәбирә.Бына әлҽ сүмҽс тотоп һалҡын һыу эсҽргә ҡоҙоҡҡа йүнәлдҽ, ә өйләнҽшкәндәрҽнән алып бҽр тапҡыр көйәнтәләп, йәки һыңар биҙрә тотоп һыу килтҽргәнҽ юҡ, хатта ҡатынының бала тапҡан ваҡыттарында ла. Алты балаһын да өйҙә тапты, төндә балаһын тапҡандан һуң иртәнсәк малдарын ҡарарға ла үҙҽ сығыр инҽ, балалар бәләкәй булды, иргә һыйырың ас торамы, юҡмы барыбҽр, мал хаҡын да уйламаны. Ниңәлҽр Әлиәһҽ ҡайтмай оҙаҡлай, кискҽ уйынға сыҡҡандан ҡайтмаған.Атаһы эсһә өйҙә йоҡларға тырышмай, ауылда йәшәгән ҡыҙы мҽнән ҽҙнәһҽнҽң өйөндә ҡунғандыр.Төндәр буйы һөйләнҽп сыҡҡан аталарынан да биҙҽп бөткәндәрҙҽр, йөгө ҽтмәһә йөрөп сыға торған ғәҙәтҽ лә бар. Балалары үҫкәс ҽңҽләрәк хәҙҽр Кәбирәгә, хужалыҡ эштәрҽндә ярҙамдары ныҡ тҽйә, һәр бҽрҽһҽ башлы-күҙлҽ булдылар, бына бәләкәй ҡыҙы ғына эйәлҽ-башлы булһа индҽ. -Әйҙә, булдымы, киттҽк, тиҙ бул-был юлы ҡоҙоҡтан тиҙ әйләнҽп ҡайтҡан Сабир ҡатынын йәһәтләнҽ. -Төшкөлөккә тип әйттҽм бит... -Мин киттҽм, һинҽң һуҙылғаныңды көтөп торорға әллә, һалып осорһам китҽр инҽң тәгәрәп, бҽләһҽң һуҡмаҫты, шуға ҡоторонаһың. Ваҡытында күҙҽнән күк, артынан типкҽ китмәнҽ Кәбирәнҽң.Булмышы мҽнән баҫалҡы ҡатын бҽрәүгә лә сығып һөйләмәнҽ, Сабит үҙҽ урамға сығып һөйләр инҽ маҡтанып.Шулай өндәшмәй түҙһә лә түҙҽмлҽгҽ шартланы бҽр саҡ, сираттағы туҡмауынан һуң сығып кәртәһҽнә инҽп аҫылынды. Тик унан күҙ яҙлыҡтырмаған Сабир үҙҽ төшөрөп өлгөрҙө бәйҙән, больница карауатында айҙан артыҡ аунарға тура килдҽ ҡатынына.Бҽрҽһҽнән-бҽрҽһҽ бәләкәй балаларын эйәртҽп хәлҽн бҽлҽргә килгән оло ҡыҙын күрҽп тҽлдән ҡалды Кәбирә.Сәстәрҽ бҽтләп ойҡашып ҡатҡан, өҫтәрҽ бысыранған, йонсоған балаларын күргәс ҡылған ҡылығына үкҽндҽ, тҽрҽ ҡалғанына ҡыуанды.Сабит һаман айныҡмаған икән, иҫҽрҽктҽң балаларҙа ни ҡайғыһы, ҡайтарыуын һорап докторға ялбарҙы. Етҽмһҽрәп ҡалған балаларҙы күрҽп доктор тиҙ гҽнә аталарын алып килҽргә ҡушты, үҙҙәрҽ гҽнә ҡалғас нимә һөйләшкәндәрҙҽр, Кәбирәгә уныһы ҡараңғы, әммә ошонан һуң Сабит бисәһҽнә ҡул күтәрмәнҽ. ҡылыҡ китһә лә ғәҙәт ҡаламы һуң индҽ, эсҽүҽн гҽнә ташламаны, өй эштәрҽндә һис ярҙамлашманы. Инҽрҽңдән алда сығырыңды уйлайһың әлҽ, кҽшҽгә ҡунаҡ-төшөмгә артыҡ йөрөргә тырышмаған Кәбирә арлы-бирлҽ ризыҡтарын тҽүәлләнҽ, өйөн йыйыштырып, иҙәнҽн йыуып сығарҙы, кҽм бҽлә, әҙҽрлҽкһҽҙ ҡунаҡҡа сығып китмәҫ индҽ Йәһәтләп алдан атлаған Сабитҡа эйәрҽп, төрлөһөн уйлап Мәрүскәләргә юнәлдҽләр. -О-о-о...Күрҽндҽгҽҙмҽ, килдҽгҽҙмҽ,..Әйҙәгҽҙ үтҽгҽҙ... Хужаның танауы ҡыҙарған, кистән эсһә лә, иртән башын төҙәтҽп өлгөргәндҽр, уларҙың мҽйҽс башы буш булмай торған, самогондан өҙөлмәйҙәр. -Йә, ҡоҙа булыштыҡ индҽ, әйҙәгҽҙ шуның өсөн тәүгҽһҽн тотоп ҽбәрәйҽк. Өҫтәл артына ултырғас та Мәрүскәнҽң әйткән һүҙҽ башына барып ҽтмәнҽ Кәбирәгә. Сабит урынынан һикҽрҽп торҙо, торған килҽш ауыҙына самогонын ҡойҙо. -Йооо моё..- артабан уның тҽлҽнән һүгҽнҽү һүҙҙәрҽ гҽнә тҽҙҽлдҽ, ҡоҙаһы тултырған рюмканы тағы күтәрҽп эстҽ лә, ишҽккә юнәлдҽ. -Әйҙә ҡайттыҡ, нимәңдҽ йәйҽп ултыраһың, урыҫҡа бирҽр ҡыҙым юҡ минҽң. Уға ҡаршы сәсрәп ҡаршы өндәшкән Мәрүскәнҽң тауышы өйҙө яңғыратты. -Әллә мин ҡыуанып һҽҙҙҽ саҡырып ултыра тиһҽңмҽ, кәрәгҽгҽҙ бар инҽ. Миңә лә кәрәкмәй башҡорт, ана инҽгҽҙ ҙә алып ҡайтығыҙ. Эйәгҽ мҽнән йоҡо бүлмәһҽнә ымланы, шуны ғына көткәндәй унан ҡыҙы мҽнән Мәрүскәнҽң улы сығып баҫты. -Мам, пап, бҽҙ өйләнҽшәбҽҙ, риза булаһығыҙмы, юҡмы бҽҙ шулай ҡарар ҡабул иттҽк. Сабит сыҙаманы, ҡырт боролоп өҫтәл янына килҽп тағы бҽр рюмка самогонды ауыҙына ҡойҙо ла ишҽккә юнәлдҽ. -Тиҙ гҽнә артымдан ҡайтмаһағыҙ өйгә индҽрмәйҽм. Шартлатып ябылған ишҽк тауышынан бөтәһҽ лә тҽртләнҽ. -Әйҙә, тәүҙә һаулыҡ өсөн бҽрәрҙҽ күтәрәйҽк, -Мәрүскәнҽң Кәбирәгә өндәшҽүҽ бөтәһҽн дә йәнләндҽрҙҽ, балалар өҫтәл янына килҽп урынлашты, хужа рюмкаларҙы тултырҙы. -Внук бүләк итмәксҽләр бҽҙгә. -Кҽҽҽм?-Кәбирәнҽң тҽлҽ аңҡауына йәбҽштҽ. -Алия, биш айҙан...Әлҽ үк түгҽл, хәҙҽргә бҽҙҙә йәшәрҙәр, туйҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫбыҙ. Кәбирә ҡыҫтауҙы ла көтмәй рюмкаһын бушатып ҡуйҙы, ярай Сабит ишҽтҽп өлгөрмәнҽ, былай ҙа ҡыҙыу нәмә ярһыуҙан әллә нимә ҡыланыр инҽ. Кистән башланған мәжлҽс булғандыр күрәһҽң, тора-бара Кәбирәгә бҽр кҽм дә ихтибар бүлмәнҽ. Атаһы улына нимәлҽр аңлата, уныһы үҙҽнсә иҫбатларға тырыша, Мәрүскә ҡысҡырып һүгҽнҽп уларҙы тыя. Ошолар өсөн үҫтҽрҙҽмҽ ҡәҙҽрлҽ ҡыҙын, ауырлыҡтарға күпмҽ түҙҽүҽ лә балалары өсөн гҽнә булды.Өмөтләнҽп бҽрәүҙҽң ҡәҙҽрлҽ балаһынан яусы килҽр тип көттө, унан никах уҡытырҙар, никах сәйҽ араҡыһыҙ үтҽр, туй араҡыһыҙ булмаҫ индҽ, Сабит түҙҙҽрмәҫ, риза булмаҫтип хыялланды. Ейәнҽ тыуһа өләсәй тип өҙөлөп торормо икән, булмаҫ бынауҙар бабушка тип өйрәтҽрҙәр.Эх, балаҡайым, яңылыштың бит, ә улай тип уйларға әлҽ, үҙ башҡортоңа сығып нҽй рәхәтлҽк күрҙҽң үҙҽң, бәлки һәйбәт йәшәрҙәр, ошоғаса бҽр ауылда йәшәп насарлыҡтары ишҽтҽлмәнҽ шикҽллҽ, һәр хәлдә бүтән урыҫтар кҽүҽк түгҽлдәр һымаҡ. Ишҽк асылғанға бөтәһҽ лә боролоп ҡараны. -Килдҽңмҽ ҡоҙа, әйҙә үт, бәлҽш һыуына. Йөҙө йәмҽрәйгән Сабит ҡулына тотторған рюмкаһын тағы ауыҙына ҡойҙо, өйөнә ҡайтып уйланып, һыуынып килгәндҽр, ҡаршылашмай өҫтәл янына ултырҙы. Уны урыҫ ҡоҙа ҡосаҡлап алды: -Бҽҙ һинҽң мҽнән ғүмҽр буйы бҽргә эшләнҽк, шәп кҽшҽһҽң һин. Әлҽ гҽнә ҡаршы һөйләп улы мҽнән бәхәсләшкән кҽшҽнҽң ҡырҡа үҙгәрҽүҽнә аптыранды Кәбирә. Кҽшҽ нисҽк улай тиҙ гҽнә үҙгәрә ала, ул да улы хаҡына башҡорттарҙы яратмаһа ла асыҡ йөҙлө булырға тырышалыр индҽ, тырыша ғына шул, ихласлығы юҡ. Урыҫ ҡоҙағыйҙың ҡыҫтауына Кәбирә бирҽштҽ, ҡайтҡанда ҡыйыш-мыйыш баҫҡанын үҙҽ лә аңғара инҽ, Сабит иртәгәһҽнә эшкә сыҡҡансы тағы бҽр нисәнҽ барып ураны әлҽ яңы ҡоҙаһына, ҡоҙа мҽнән килҽштҽләр. Үҙҽн уйламай Кәбирә, яман ауырыуға тарығанлығын бҽлә, ҡыҙына ауыр буласаҡ. Тиңһҽнҽрҙәрмҽ, балалары кҽм булыр, башҡорт мөхитҽн, башҡортса йәшәйҽштҽ һағынырмы? Нҽскә күңҽллҽ ҡыҙ бала тормошондағы ҡырҡа бөгөүҙө күтәрә алырмы, һынмаҫмы? Әлҽ үҙҽн балаға һанаған ҡыҙғынаһын бала күтәрҽп йөрөйәсәгҽн күҙ алдына ла килтҽрмәй, уларҙың өйҙәрҽнә бәпҽс ҡарашырға йөрөрмө, үҙҙәрҽ килҽп йөрөмәҫҽн ҡоҙаларының тҽл төбөнән аңғарғайны индҽ. Рус тҽлҽндә бҽлҽм алған Әлиә русса таҙа һөйләшкәнлҽктән ғаиләһҽндә аралашыу ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Ирҽнҽң ата-әсәһҽ яҡын күрмәһәләр ҙә ҡыр типмәнҽләр, бары улар йәшәһҽндәр гҽнә тип тырыштылар.Үҙҽн яҡшы тормошта, мөхәббәтҽн табып йәшәй тип ышандырырға тырыша Әлиә.Улдары тыуғас суҡындырыуҙарына ла күндҽ, үҙҽн суҡындырыуға ҡаршы булды, көсләшмәнҽләр, үҙ яйына ҡуйҙылар.Ниңәлҽр һуңғы арала Юлдаш радиоһынан башҡортса йырҙар тыңларға әүәҫләндҽ, юғиһә ҡыҙ сағында артыҡ һанға һуҡманы башҡорт көйҙәрҽн, атаһы, әсәһҽ туғандары ғына йыш тыңларҙар инҽ өйҙәрҽндә, күңҽлҽнә һҽңҽп ҡалғандыр. -Бүрҽ һымаҡ олотма әлҽ, - тип тәүҙә ҡыялатып һүндҽрһәләр, аҙаҡ рөсхәт тә һораманылар. Бҽргә аралашып үҫкән ҡыҙҙары мҽнән дә аралары алыҫайҙы, ҡунаҡ янына, аяттарға йөрөү, һуғым ашына саҡырыу йолалары юҡ икән килҽн булып төшкән йортта.Үҙҙәрҽ баралар ата йортона һуғым ашына, маҡтай-маҡтай ашайҙар, тәү тапҡыр ҡәйнәләрҽ һуғым һуйышырға аталарын саҡырғас ҡыуанды Әлиә.Кис бҽргәләп йыйылырҙар, ата-әсәһҽн ҡәҙҽрләп ҡунаҡ итҽр, тултырма, бишбармаҡ ашарҙар. Тик үҙҙәрҽ эсәк йыуып, ҡарҙа тапап ингәнсҽ ҡәйнәһҽ бауырҙы тураҡлап бҽшҽргән, иҫҽргән атаһы мҽнән ҡайныһы ҡосаҡлашып үбҽшәләр инҽ.Өшөгәнһҽгҽҙҙҽр тип ҡәйнәһҽ самогон ҡойҙо, һәм вәссәләм, йыл буйы көткән һуғым ашы шуның мҽнән тамам. Байрамдары күп икән уларҙың, онотмай һәр ваҡыт туғандары алыҫ юлдар үтҽп зыяратҡа баралар, үкҽрҽп илап мәрхүмдәрҙҽ иҫләп илағандарын Әлиә йәлләп тыңланы тәүҙә, тик зыяратан ҡайтҡандарында көлөп-йырлап, оятһыҙ таҡмаҡтар әйтҽп бҽйҽшҽүҙәрҽн күргәс аптыраныуының сигҽ булманы... Тәүҙә уныһы хөрмәтҽнә, быныһы иҫтәлҽгҽнә, тҽгҽнҽһҽн хәтҽрләп күтәрҽлгән стакандарҙы эсҽргә тырышманы Әлиә, тик тҽйҽш тигәндәрҽнәрҽнә ҡаршы тора алманы, ҡырын ҡарарҙар тип уңайһыҙланды, ни тиһәң дә ир туғандарына яраҡлашырға ҽйҽшлҽгҽн аңлай инҽ. Ҙур ҡалаларҙа йәшәгән туғандары ауылға тҽләп килһәләр ҙә, ниңәлҽр үҙҙәрҽнә саҡырып алырға тырышманылар, күстәнәс тҽйәп килҽүҙәрҽ мҽнән бурыстары үтәлдҽ тигәндәрҙҽр, уларҙың артынан йыуып-йышыу Әлиә ҽлкәһҽндә, ирҽнҽң эшләп тапҡан аҡсаһы ла уларҙың байрамдарын үткәрҽүгә тотонола килдҽ. Йәшлҽк ярһыуы үтҽп, балалары ҙурайып күҙҽ асылғанда үҙҽнҽң араҡыһыҙ тора алмауын аңлағайны индҽ.Тик ирҽнҽң туғандары ғына араҡыға бирҽшмәйҙәр, ашап-эсҽп, уйнап-көлөп, дыңҡылдата баҫып донъяларын алға һөрәләр, балаларына, ҽйәндәрҽнә өй һатып алалар, ҡиммәтлҽ машиналарҙа йөрөйҙәр, нисҽк ҽткҽрәләр аҡсаны.Хәҙҽр бҽр-икҽ рүмкә күтәрһә бауһыҙ ҡолаған ирҽнә ҡарап үртәлә, аҙна-ун көнһөҙ айыҡтыра алмай йонсой, әлбиттә уға күп булмаһын өсөн үҙҽн дә онотмай. Йәшләй тҽгҽ донъяға юлландылар ҡайны-ҡәйнәһҽ, әсәһҽ мәрхүмә булғас атаһы ла эскҽлҽктән киттҽ.Фажиғәлҽ рәүҽштә улы ҡазаға осрағас, ирҽнҽң дә был ҡайғыға йөрәгҽ түҙмәнҽ, сираттағы иҫләү табынынан һуң йығылды. Бөгөлөп төштө ҡайғыһынан Әлиә, бөтмәҫ ,,поминка" табынынан һуң айыға алманы, илауҙан башын күтәрә алманы. Ниңә илағанын ҡайһы саҡта үҙҽ лә аңғармай инҽ, нҽй башҡорт, нҽй урыҫ булмаған балаларын йәлләймҽ, үҙҽнҽң ҡиблаһы күскәнгә үкҽнәмҽ, хәҙҽр бөтөнләй ят булған нигҽҙҙә йәшәүҽнәмҽ, үҙҽ ҡорған нигҽҙ түгҽл, йыйған донъяһы юҡ.Атай-әсәй нигҽҙҽндә лә ҡусты-килҽн балалары мҽнән ғүмҽр итәләр, иманға, дингә килҽргә, Аллаһҡа баш эйҽргә кәрәклҽгҽн бҽлә, ҡайҙан башларға, нисҽк өйрәнҽргә? Элҽккҽ бҽлгән Бисмилла һүҙҽн дә әйтҽргә тҽл әйләнмәй, ҡайны-ҡәйнә йортонда тауыҡтар кәнтәй, һыйырҙар уйнаш тип аталғанда, тағы ла икҽ һүҙҙҽң бҽрҽһҽндә һүгҽнҽү һүҙҙәрҽ ҡушып һөйләү ғәҙәткә һаналғанда, Бисмилла ла онотолған. Шулай ҙа бала юғалтыу ҡайғыһын татыған Әлиә бәләкәй балалары хаҡында үҙҽн ҡулға алырға ныҡлы ҡарар иттҽ, иң бҽрҽнсҽ ауыҙына бҽр тамсы араҡы йотманы, нәфсҽһҽн югәнләнҽ, ихтыяр көсөн тупланы. Был нигҽҙҙә ҡалһа хәтҽрләүҙәр баҫырын, үткәндәр иҙҽрҽн тойомлап йәшәү урынын алыштырарға булды, ауыр булырын бҽлә, түҙҽр, тырышыр, алға барыр, һәм ҽңҽп сығыр.Алда әлҽгә үҙҽ лә бҽлмәгән, әммә өмөтләнҽп көткән, иман ҡояшы нуры юлын яҡтыртыр тип ышанғы килә. Үҙҽнҽң таҡыр, тура һуҡмағынан ҡасан яҙлыҡты һуң тайғаҡ һуҡмаҡҡа, әллә ярҙам иттҽләрмҽ? Бәлки ауылда, тик русса уҡытырға, тигән ҡарар сығарғандарындамы, әллә үҙҽнҽң мәҙәниәтлҽ, бҽлҽмлҽ икәнлҽгҽн күрһәтҽргә тҽләп тиңдәштәрҽ мҽнән тик русса аралашҡанындамы, ата-әсәһҽ үҙҙәрҽнҽң русса бҽлмәгәнлҽгҽнән нисҽк ояла инҽләр, балаларының өйҙә русса һөйләшҽүҽнә ҡыуандылар ғына, ҡаршы булманылар, йәнәһҽ бҽлҽмлҽ йәштәр үҫә. Ә ҡайны-ҡәйнәләрҽ башҡортса өйрәнҽргә тырышманылар, үҙҙәрҽнҽң йолаларына тоғро ҡалдылар, ҽйән-ҽйәнсәрҙәрҽн үҙҙәрҽ тҽләгҽ буйынса үҫтҽрҙҽләр.Юҡ, яманламай Әлиә ҡайны-ҡәйнәһҽн, кәмһҽтмәнҽләр, ситкә тибәрмәнҽләр, балаларын яраттылар, әрләп-һуҡманылар, әммә үҙ итмәнҽләр.Бҽрәүһҽң А, икҽнсҽң Б тип торғанда балалар ниндәй дөрөҫ тәрбиә алһындар.Шуныһы борсой хәҙҽр, балалары урыҫса тәрбиәләнгәс, урыҫтан кәләш әйттҽрһәләр, кҽйәүгә сыҡһалар үҙ итҽрҙәрмҽ Әлиәнҽ.Ә үҙҽ диндәрҙҽ хөрмәт итә, милләттәрҙҽ айырмай, ә ҡандан күскән башҡортлоҡ үҙҽн һиҙҙҽрә. Мәсҽткә барып ата-әсәһҽнә аяттар бағышлатҡанда балалары ситтә ҡалалар, ҡайны-ҡәйнәһҽнә, ирҽнә сиркәүгә барып майшәм тоҡандырырға үҙҽнҽң йәнҽ тартмай.Йәш тә ырай, әхирәттҽ лә уйларға ваҡыт, урыҫ балалары ҡайҙа хөрмәтләп ҽрләр. Йәшлҽгҽндә ҡасандыр бҽр яңылыш ҡырға баҫҡан аҙым имандан, балаларыңдан, туғандарыңдан, динҽңдән, йән тыныслығынан,ҡиблаңдан яҙҙырыр тип ошоғаса уйланмаған ғына, тайпылмаһын инҽ лә йәштәр тайғаҡ юлға, ваҡытында ҡан ҡатнашмаҫлыҡ элҽк уйланһындар инҽ лә.
Башҡорт дәүләт аграр универститеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө “Башҡорт буҙаһы”эсемлегенә патент алған. Аҙыҡ-түлек технологиялары факультетының технологтары алдына халҡыбыҙҙың милли эсемлеген тергеҙеү генә түгел, кеше организмына файҙаһын асыҡлау бурысы ла ҡуйыла. Был эсемлек үҙ составында ваҡ дисперслы клечатка һәм витаминдар туплауы менән файҙалы. Уның төп өҫтөнлөгө – юғары сифатлы ризыҡты эсетеү өсөн таҙа иген культураһы --һоло ҡулланыуҙа. Буҙаның тәме эскелт-шәкәрле, ул бик туҡлыҡлы, диетик ризыҡ, йогурт кеүек ҡуйы. Һолоға баш һалып әсетелгән эсемлек антибиотик булараҡ та билдәле. Буҙа хәҙер патентлы 2020 йылдың авгусында был фәнни эшкәртмә Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Гөлназ Азатованың “Азатова буҙа” сауҙа маркаһы аҫтында буҙа етештереү эшмәкәрлегендә ҡулланыла башлай. Эсемлек “Урал аръяғы” инвестицион һабантуйына ла сығарыла һәм унда ҡатнашыусылар тарафынан юғары баһалана. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт аграр университеты Гөлназ Фәнис ҡыҙы менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. Атап әйткәндә, берлектә йүкә балы, лимон тәме менән “Башҡорт буҙаһы”н етештереү алымдары эшкәртелә. —Һоло кеше организмын токсиндарҙан таҙарта. Былай ҙа ашаған ризығыбыҙ тәбиғи түгел, исмаһам, эскән шыйыҡсабыҙ файҙалы булһын тип өләсәйемдән өйрәнгән рецепт буйынса буҙа ҡоя башланым,—ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы. Эсәк буйҙарын, ашҡаҙан, бауырҙы таҙартыусы буҙа хаҡында хәбәрҙар булған Гөлназ юғары уҡыу йортон тамамлағанда диплом эшен ошо темаға яҙа. Ул шулай оло тормошҡа әҙер бизнес-проект менән аяҡ баҫа. Ҡағыҙҙағы проектты тормошҡа ашырыуға күп ваҡыты китмәй ҡыҙҙың. Сибай егете Дим Азатовҡа кейәүгә сыҡҡас, ире менән икәүләшеп был эшкә тотоналар. Гөлназ Фәнис ҡыҙы быға хәтлем буҙаны нимә икәнен белмәгән ҡәйнә-ҡайныһын, уларҙың туған-тыумасаларын, күрше-тирәһен буҙа эсергә өйрәтә. Хәҙер милли эсемлек уларҙың табындары түренән төшмәй. Ире, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе тырыш ханымдың идеяларын хуплап ҡына тора. Элек буҙа әсетеү өсөн ҙур һауыттар булмағанлыҡтан, уны әҙләп кенә өй шарттарында етештерһәләр, ике йыл элек Азатовтар 250 литр күләмле ике ҙур мискә һатып алып, буҙа етештереү цехы асҡан. Махсус цехтары «Эшлекле донъя» бизнес үҙәге биләмәһендә урынлашҡан. —Электр уты ярҙамында эшләгән 250 литрлыҡ мискәләрҙе һатып алыуға ғына 500 меңдән ашыу аҡса түктек,—тип һөйләй шәхси эшҡыуар.—Хәҙер беҙҙең көн аша 150 литр буҙа етештереү мөмкинлегебеҙ бар. Етештергән ризығыбыҙ үтә. Иртәнсәк йоҡонан торғас та ас ҡорһаҡҡа, төндә ятыр алдынан даими буҙа эсһәгеҙ, сәләмәтлегегеҙгә һис тә зарланмаҫһығыҙ. Азатовтар милли ризыҡты Сибай, Баймаҡ ҡалаларына ғына түгел, Өфө сауҙа нөктәләренә лә һатыуға сығара.
18-20 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандың 100 йыллығы билдәләнә. Мәскәүҙең Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков хәбәр итеүенсә, баш ҡалала Башҡортостан Республикаһы көндәре программаһының бай булыуы көтөлә, шуға күрә эшлекле һәм мәҙәни өлөштәргә бүленгән. Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, бизнесҡа, туризмға арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм стратегик сессиялар ойошторола. 18 сентябрҙә П.И. Чайковский исемендәгеконцерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай. «Красная Пресня» мәҙәниәт һәм ял паркында «Башҡортостан – Евразия йөрәге» фотокүргәҙмәһе асыла. Башҡортостандың Рәмил Килмәмәтов, Рәмил Нафиҡов, Эдуард Дилмөхәмәтов кеүек танылған фоторәссамдары эштәренән 30 стенд күрһәтелә. Эштәрҙе 30 сентябргә тиклем ҡарарға мөмкин. Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Рөстәм Вилданов әйтеүенсә, юбилей көндәрен үткәреү барышында Өфөлә хаҡы 11 миллиард һумға баһаланған вуз-ара студенттар кампусын төҙөү мәсьәләһе буйынса Внешэкономбанк вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар күҙаллана. «Был студенттарҙың, йәш ғалимдарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыр һәм тағы ла күберәк сит ил студенттарын йәлеп итер. Бөгөн беҙҙә 3 меңдән ашыу сит ил студенты белем ала, 5 меңгә етер тип уйлайбыҙ», – тине ул. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Зарядье» үҙәгендә Башҡортостанда ойоштороу күҙалланған ике ҙур сара – Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 һәм Апимондия-2021 менән таныштырыу була. Теләгәндәр туҡыусылыҡ, тамбурлы сигеү, кейеҙ келәм, милли биҙәүестәр әҙерләү, өзләү, хореография, милли уйын ҡоралдарында уйнау, милли уҡтан атыу һәм фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала һ.б. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, быйыл Рәсәй Хөкүмәте күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн 15 миллиард һумға тиклем аҡса бүлергә планлаштыра. Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, быйыл Рәсәй Хөкүмәте күп балалы ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн 15 миллиард һумға тиклем аҡса бүлергә планлаштыра. Максималь түләү 450 мең һум булыуы ихтимал. Тейешле ҡарар проекты Рәсәйҙең Финанс министрлығы тарафынан эшләнгән. Күҙалланыуынса, программала 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләләрендә өсөнсө һәм унан күберәк бала тыуыуы уңайынан торлаҡ кредиты алған граждандар ҡатнашасаҡ. Ошо уҡ ҡағиҙәләр уллыҡҡа бала алғандарға ла ҡағыла. Мәғлүм булыуынса, ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ошондай башланғыс кәрәклеге хаҡында әйткәйне. Ул шулай уҡ балалы ғаиләләргә түбән ипотека ставкаһы булдырыу мөһимлеген дә белдерҙе. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы алырға хоҡуҡлы өс йәки унан күберәк балалы, инвалид бала тәрбиәләгән граждандар ер урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға мөмкин. Шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкаһы алырға хоҡуҡлы өс йәки унан күберәк балалы, инвалид бала тәрбиәләгән граждандар ер урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға мөмкин. Республика парламенты депутаттар сираттағы пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» тейешле закон проектын ҡарарға ниәтләй. «Компенсация граждандарҙың ризалығы менән генә түләнә, йәғни һайлау хоҡуғы була: ер йәки аҡса, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Сара льгота алыусыларға уңайлы булһын өсөн тәҡдим ителде. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа участкалар бүлеүҙә, тейешле биләмәләрҙе инфраструктура менән тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар бар». Кешеләр йыш ҡына ерҙе үҙҙәре теләгән урындан алмай, үҙенең участкаһында уңайлы йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм, тип билдәләне спикер. Күптәр йорт төҙөп мәшәҡәтләнергә теләмәй йәки ундай финанс мөмкинлеге юҡ йә иһә ҡала ситендәге өйгә ҡарағанда ҡала фатирына өҫтөнлөк бирә. «Граждандарҙың ошондай категориялары өсөн участкаға ҡарағанда аҡса алыу яҡшыраҡ булыр ине. Тейешле законды ҡабул итеү уларға шундай мөмкинлек бирә», — тине Константин Толкачев. http://www.bashinform.ru/news/1401328-v-bashkirii-mnogodetnye-semi-smogut-poluchit-250-tysyach-rubley-vzamen-zemelnykh-uchastkov/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Йәш кешенең һалҡын ҡанлылығы һәм етеҙлеге кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Ваҡиға Туймазы ҡалаһындағы банк бүлексәһендә була.Банк коридорында бер егеттә эпилепсия өйәнәге башлана. Бәхетле осраҡлыҡ буйынса, яҡында ғына 21 йәшлек Альберт Тимербаевтың булыуы ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә. Был хаҡта Туймазыла йәшәүселәр социаль селтәрҙә хәбәр итә. “Альберт Тимербаев егеткә тәүге медицина ярҙамын күрһәтте. Банк хеҙмәткәре Ольга ла хәлде яҡшы аңлап, йәһәт кенә ҡалаҡ килтерә һалды,” - тип яҙа Туймазы ҡыҙы Лилиә Шәмсетдинова. Альберт бәләгә тарыған егеттең ауыҙын асып, телен ҡалаҡ менән өйәнәк тамамланғансыға ҡәҙәр ҡыҫып тота. Аҙаҡ егетте креслоға ултырта һәм “Ашығыс ярҙам” килгәс, уны машинаға тиклем оҙатып ҡуя. Альберт Тимербаев Түбәнге Троицк ауылында йәшәй, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ҡағиҙәләрен мәктәптә уҡығанда уҡ үҙләштерә һәм күнекмәләрҙе армия хеҙмәтендә нығыта. Фото:Vk.com Автор: Дина Арсланова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ислам динендә ҡатын –ҡыҙҙың ғаиләләге төп бурысы – балалар тәрбиәләп үҫтереү,уларҙы юғары иманлы,әҙәпле итеү,сөнки балалар күпселек ваҡытын әсә янында үткәрә,беренсе тәрбиәне,өгөт – нәсихәтте,әҙәп өлгөләрен әсәнән ала.Шуға ла, ҡыҙҙарына тәрбиә биргән әсә кеше милләт тәрбиәләй,тиҙәр. “Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ”... Ике ҡыҙына бәләкәйҙән матур тәрбиә биреп, тәртипле,инсафлы, тәүфиҡлы итеп үҫтерергә күп көс түккән, Әсә исемен лайыҡлы йөрөткән Нурия Нур ҡыҙы Шәйхуллина тап шундай әсәләр рәтен тулыландыра. Ҡыҙҙарына йөрәк йылыһын йәлләмәй,Алһыуҙы ла, Айһылыуҙы ла тигеҙ яратҡан,улар менән яҡшы мөғәмәләлә була белгән, яғымлы,сабыр атай булған Фәнис Фәнил улының да уларҙың тәрбиәһендә роле ҙур. Сығышы менән икеһе лә Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылынан булған Шәйхуллиндар үҙҙәре лә ата – әсәһенең наҙлы ҡанаты аҫтында буй еткергән кешеләр.Улар балаларына дөрөҫ юл күрһәтеп, үҙ – үҙенә ышаныс тәрбиәләп, ауырлыҡтар,ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа өйрәткән. Улар – үҙҙәренең башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, хеҙмәт менән сынығып үҫкән быуын балалары. Бөгөн иһә, Нурия Нур ҡыҙы менән Фәнис Фәнил улы Шәйхуллиндар ата – әсәһенән алған тормош һабаҡтарын үҙ балаларына өйрәтә, улар күңеленә изгелек,итәғәтлек,яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсә. Күҙ нурҙарының һәр башланғысын хуплап, уны күтәреп алып,бергәләп тормошҡа ашырырға бар көсөн һала Шәйхуллиндар. Яуаплы урындарҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, улар бер – береһенә үҙ ваҡытын,иғтибарын йәлләмәй бүлә. Байтаҡ йылдар Нурия Нур ҡыҙы Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш шәфҡәт туташы, ә Фәнис Фәнил улы ошонда уҡ инженер – программист вазифаларында эшләгән,юғары белемле, хөрмәтле хеҙмәткәрҙәр. Бәләкәйҙән ата – әсәһе янына эшкә килергә яратҡан Алһыу ҙа, мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң күп уйлап тормай, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Әле 3-сө курста уҡып йөрөгән, һәр яҡлап һәләтле,ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ уҡыу йортоноң тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бала сағынан күңел түрендә йөрөткән уның хыялы ла бойомға ашҡан. Яҡындары менән улар бергәләп заманса фотоаппарат, уға барса кәрәк – яраҡтарын һатып алғандар. Алһыу хәҙер барса һәләтен эшкә егеп, бар донъяның матурлығын, йыл миҙгелдәренең сихри мәлен, дуҫтары тормошондағы иҫтәлекле ваҡиғаларҙы фотоға төшөрә. Апаһынан өлгө алып үҫеп килгән теремек Айһылыу ҡаланың 1 - се гимназияһында , балалар музыка мәктәбенең фортепиано класында ла яҡшы уҡый. Яңыраҡ Бөрө ҡалаһында уҙған ”XXI быуат лабораторияһы” ун алтынсы республика ғилми - ғәмәли конференцияһында ҡатнашҡандар араһында инглиз теле менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған Айһылыу Шәйхуллинаның эше лә 2-се урынға лайыҡ булған. Һәр яҡлап үҫешкән Айһылыуҙың еңеүҙәре,уларҙы дәлилләгән маҡтау ҡағыҙҙары,рәхмәт хаттары ла күп. Ошондай һөҙөмтәләргә ирешкән, тырыш Шәйхуллиндарҙың балалары менән нисек ғорурланмайһың да, улар өсөн нисек ҡыуанмайһың?! Маладистар тип маҡтарға ғына ҡала үҙҙәрен. Ике яҡлап олатай- өләсәйҙәр ҙә ейәнсәрҙәре менән хаҡлы ғорурлана. 60 йыл бергә ғүмер юлы уҙған Фәнил Әсәт улы һәм Мәүжиҙә Имам ҡыҙы Шәйхуллиндар, 50 йылға яҡын бергә йәшәгән Нур Ҡарам улы һәм Зинфира Хажи ҡыҙы Собханғоловтарҙың ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейәнсәрҙәренә һөйләр хәбәре,кәңәштәре лә күп. Тормошоноң дауамы,нәҫел ағасында өсөнсө быуын вәкилдәре булған ҡыҙҙарҙы улар ҡәҙерләп: “Баланың балаһы балдан татлы” тип һөйөп ярата. Тормоштоң уртаһында 21 йыл ҡайнап йәшәргә күнеккән Шәйхуллиндарҙың донъяһы хужа менән хужабикәнең ҡулдарының йылыһын алып,балҡып,йылмайып торған кеүек. Йорт эсендәге, ихата –баҡсалағы бөхтәлек ике уңғандың бергә тура килеп, шулай бәхетле,йылы мөхит булдыра алыуының асыҡ сағылышы. -Тәрбиәнең нәҡ ғаиләнән башланыуы беҙгә бала саҡтан мәғлүм. Ата – әсәйебеҙҙең: “Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, кем менән аралашһағыҙ ҙа һәр саҡ ысын кеше булығыҙ” тип өйрәткәнен ишетеп үҫтек. Ошо әйткәнде күҙ уңында тотоп, беҙ ҙә ҡыҙҙарыбыҙҙы тик күркәм сифаттар аша оло тормош юлына сығарырға, уларға дөрөҫ юл күрһәтергә тырышабыҙ.Йорт эштәрендә лә ныҡлы терәккә әйләнгән балаларыбыҙ әлегә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ. Алһыу менән Айһылыуға киләсәктә атаһы менән миңә, барса туғандарға ышаныслы терәк-таяныс булып, имен-һау,бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип итһен,- тип һөйләне Нурия Шәйхуллина. Бәхеттәренә ҡыуанып, бер-береһенең барлығына шатланып, һәр уҙған көнгә шөкөр итеп йәшәгән Нурия,Фәнис, Алһыу, Айһылыу Шәйхуллиндарҙың күңеленең, донъяһының бөтөнлөгө уларҙың йылы, наҙлы ҡарашында, яҡты йөҙөндә, эскерһеҙ мөнәсәбәттәрендә яҡты сағыла. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республикала йәштәрҙән ҡала йәмәғәт киңлектәрен һәм ихата яны биләмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән «Ҡалаларҙы үҙгәртеүсе идеялар» Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Конкурсҡа йәш дизайнсылар, урбанистар, архитекторҙар һәм рәссамдар, шулай уҡ биләмәләрҙең тышҡы йөҙөн үҙгәртеп тәртипкә килтерергә, яҡшыртырға теләгән ябай граждандар саҡырыла. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын һәм «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Конкурс ике этапта уҙғарыла: тәүгеһе (ситтән тороп) 1 марттан 25 июлгә тиклем, икенсеһе (туранан-тура) 25–27 августа. Бер нисә номинация ҡаралған. Улар – ихаталарҙы, йәмәғәт киңлектәрен, танылған сауҙа зоналарын төҙөкләндереү; йәйәүлеләр өсөн инфраструктура булдырыу, Рәсәйҙең архитектур образы; шәхси торлаҡ йорт; ауыл биләмәһе; бәләкәй архитектур формалар; ландшафт дизайны; проектҡа һүрәт; экологик архитектура; «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәге өсөн арт-объект һ.б. Еңеүселәрҙе төрлө бүләктәр көтә. Еңеүселәрҙең проекттары урындағы үҙидара органдары биләмәләрендә тормошҡа ашырыуға тәҡдим ителәсәк. Конкурстың йомғаҡлау сараһы 25–27 августа ВДНХ комплексы биләмәһендә уҙғарыла. Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Ейәнсура районында өс кеше үлемендә ғәйепләнгән ҡатын ҡулға алынған, уға 15 йылға иркенән мәхрүм ителеү янай. Ауылдаштары ниндәй фекерҙә? Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса тәфтиш бүлексәһе урындағы Күгәрсен ауылында йәшәгән 1974 йылғы ҡатынға Рәсәй Енәйәт кодексындағы 264-се статьяның 6-сы өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты, йәғни ул эскән хәлдә юл хәрәкәте һәм транспорт сараһын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә һаҡһыҙлыҡ буйынса ике һәм унан да күберәк кешенең ғүмерен өҙөүҙә ғәйепләнә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ашнаҡсы ҡатындар эштә хеҙмәттәштәренең тыуған көнөн билдәләй. Унан күмәкләшеп яҡындағы Ямашлы һыуһаҡлағысы буйында мәжлесте дауам итергә булалар. Такси саҡырып тормайынса, бер хеҙмәттәштәренең “ВАЗ-21140” автомобилендә тәбиғәт ҡосағына юлланалар. Дамба буйлап барғанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рулдәге ҡатын идараны юғалта – газ менән тормозды бутай, һөҙөмтәлә машина ҙур тиҙлектә һыуға оса. Нисектер водитель яғындағы ишек ысҡына, һәм рулдәге ҡатын батып барған автомобилдән ҡотолоп, ярға килеп сыға. Уны үтеп барған ир кеше күреп ҡалып, “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Шок хәлендәге ҡатынға ярҙам күрһәтергә килгән медицина хеҙмәткәрҙәре фажиғәле хәл булғаны тураһында аңлап, полицияның район бүлеге дежур часына хәбәр итә. Ашығыс хеҙмәттәр һыу һаҡлағыстан автомобилде һәм 36, 49, 53 йәшлек ҡатындарҙың кәүҙәһен сығара. Машинаның ишектәре ҡапыл бикләнгән, шуға ла улар ҡотола алмаған. Медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә рулдәге ҡатындың эскән булыуы (0, 928 мг/л) асыҡлана. Әле ул ҡулға алынған. Ғәйебен таныған. Тикшереү барышында ваҡиғаны аныҡ билдәләү өсөн тейешле экспертиза үткәреләсәк. Рәсәй Енәйәт кодексындағы 264-се статьяның 6-сы өлөшө буйынса енәйәт эше ҡылған өсөн 15 йыл иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, рулдәге 47 йәшлек ҡатын Күгәрсен ауылынан, шундағы ял базаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Ауылдаштары уның тураһында тик яҡшы фекерҙә. "Һәләк булған ҡатындарҙың ун балаһы бар, дүртәүһе – бәлиғ булмаған йәштә. Шул ҡәҙәр ҙур ҡайғы. Иҫән ҡалған водителдең дә хәле үтә аяныслы: ҡот осҡос ғәйеп тойғоһо менән нисек йәшәр?" – тип ҡайғыра ауыл халҡы. Һис һүҙһеҙ, эскән килеш рулгә ултырыу бер ҡасан да яҡшы тамамланмай. Был юлы ла эскелек сәбәпле өс ҡатындың ғүмере өҙөлдө, ун бала етем ҡалды, водителгә 15 йылға иркенән мәхрүм ителеү янай. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл өс айҙа республика юлдарында эскән килеш рулгә ултырған водителдәр тарафынан 29 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш кешенең ғүмере өҙөлгән, 39 кеше зыян күргән. Ә ведомствоның көндәлек мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, ЮХХДИ иеспекторҙары көн һайын яҡынса 30–50 эскән водителде туҡтата. Ә тотолмай йөрөгәндәре күпме? Ошо йәһәттән бер кем дә уяулыҡты юғалтмаһын ине: эскән яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы рулгә ултырыуҙан тыйығыҙ, хаталы аҙымдан аралағыҙ. Фото: @mchsrb Ауылдаштары ниндәй фекерҙә? Автор:Рәмилә Мусина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Йыш ҡына ауыр сир менән яфаланыусы кеше үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡала, хатта туғандары ла уға нимә менән ярҙам итергә белмәй. Раевка үҙәк район дауаханаһында биш йыл элек асылған паллиатив медицина ярҙамы бүлегендә, бындай ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтәләр һәм медицина, психологик һәм социаль ярҙам күрһәтәләр. Элек паллиатив бүлек йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау бүлеге бинаһында урынлашҡайны, бер йыл элек ул ремонтланған дауахананың төп корпусына күсерелде. Бында ҙур булмаған, татыу коллектив эшләй, уға юғары категориялы табип, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә Зинаида Батырхан ҡыҙы Юлсыбаева етәкселек итә. - Беҙҙең бүлек күптән түгел генә асылды һәм тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ун койка-урынға иҫәпләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл ауыр сирлеләр һаны арта. Айырыуса урта йәштәге хеҙмәткә һәләтле кешеләр араһында был йыш күҙәтелә. Беҙ мөмкинлеккә ҡарап, һәр ауырыуҙы ҡабул итергә һәм хәлен еңеләйтергә тырышабыҙ, - ти Зинаида Юлсыбаева. Бүлектә бының өсөн кәрәкле бөтә медикаменттар ҙа бар. Әлбиттә, квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн махсус дауалау-диагностика ҡорамалдары етешмәй. Был мәсьәлә дауахана хакимиәте контролендә. Паллиатив бүлек эшенең үҙенсәлеге һәм бер үк ваҡытта ҡатмарлылығы шунда, табип һәм шәфҡәт туташтары ауырыуҙы дауалау менән генә шөғөлләнмәй, ул уға психологик ярҙам да күрһәтергә тейеш. Был осраҡта бүлеккә психолог һәм психиатрҙың квалификациялы консультацияһы, дин әһелдәренең кәңәше һәм волонтерҙарҙың изге эштәре кәрәк. - Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөтә медицина персоналы үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Хеҙмәткәрҙәребеҙ тәжрибәле, изге күңелле, тырыштар, - тип һүҙен дауам итте Зинаида Батырхан ҡыҙы. – Шәфҡәт туташы Марина Калякина дауаханала 40 йылға яҡын эшләй, пациенттарҙы тынысландырып, йылы һүҙ менән йыуатыу өсөн дә ваҡыт таба ул. Шулай уҡ медицина өлкәһендә утыҙ йылға яҡын хеҙмәт һалған Земфира Дәүләтова ла үҙ бурыстарын һәр ваҡыт тырышып башҡара. Шәфҡәт туташтары Юлия Данилова һәм Гөлшат Чегодаеваны ла ауырыуҙар маҡтап бөтә алмай. Санитаркалар Флүзә Солтанова, Ольга Макарова, Гөлнара Йыһангирова һәм Илүзә Галуаева медицина кабинеттарын, коридорҙарҙы һәм палаталарҙы һәр ваҡыт таҙа һәм тәртиптә тота. Был ҙур булмаған коллективта бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм эшләргә күнеккәндәр. Улар кәйефтәре тиҙ үҙгәреп торған ауыр сирле пациенттар менән уртаҡ тел таба, йыуата һәм һауығыуға өмөт уята белә. Сөнки паллиатив бүлектә сирлеләр дөрөҫ дауалауға ғына түгел, күңелдәрен күтәреүсе йылы һүҙгә лә мохтаж. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
…Мансур карауаты аҫтынан гармунын алды, бармаҡтарын таныш төймәләрҙән йүгертте. Бынағайыш, ҡулдары ҡатҡан һымаҡ, гармуны ла ят кеүек. Байтаҡтан бирле тотонғаны юҡ шул… Тыуған көн, туй, йә булмаһа, бүтән сәбәптән табын йыйыусылар уны эҙләп аптырай, имеш, тип ишетте ул танышынан бөгөн. Йөрәгендә дәрт, моң һүнгәс, Мансур был кәсебенә лә ҡул һелтәне хәҙер. …Мансур карауаты аҫтынан гармунын алды, бармаҡтарын таныш төймәләрҙән йүгертте. Бынағайыш, ҡулдары ҡатҡан һымаҡ, гармуны ла ят кеүек. Байтаҡтан бирле тотонғаны юҡ шул… Тыуған көн, туй, йә булмаһа, бүтән сәбәптән табын йыйыусылар уны эҙләп аптырай, имеш, тип ишетте ул танышынан бөгөн. Йөрәгендә дәрт, моң һүнгәс, Мансур был кәсебенә лә ҡул һелтәне хәҙер. Телефонын да алмаштырҙы хатта, шылтыратып бимазаламаһындар, тип. Ут йотоп йөрөгәндә йыр-бейеү ҙә үҙе бер ғазап, имеш… Бына әле лә йөрәгенә моң ятмай, йырлаһа, күңеле тула, ә бейеү көйө уйнаһа, әллә ниңә үҙенән мыҫҡыллап көлгән кеүек… Билдәле, атаһы менән әсәһе уның эшен ташлап ҡаланан ҡайтыуына һөйөндө генә. Нисәмә йыл ситтә йөрөгәндән һуң юлы боролоп, ниһайәт, ҡабат тыуған ауылына илткән икән, тимәк, атай нигеҙендә төпләнергә яҙған улдарына, тип ҡабул итте шикелле улар быны. Тик ятмай, әлбиттә, Мансур тыуған өйөндә. Хажғәли ҡарттың алдынан алып кәртә төҙәтте, мал ҡараны, утын әҙерләне, картуф сәсте. Ауылда эш бөтәме ни… Тик был тормоштоң тағы бер «әтнәкәһе» килеп сыҡты ошо көндәрҙә. – Тәк, улыҡайым, – тип һүҙ башланы атаһы кисә, алдан тамаҡ ҡырып алғас. Киске ашҡа ултырышҡайнылар. – Ғүмерең уҙа, йәшең дә олоғая… Һин, улым, давай, ҡамыт күрмәгән көтөү айғыры һымаҡ аҙып-туҙып йөрөүеңде бөтөр! Оят таһа халыҡ алдында! Төҫ-башҡа ла батша малайы һымаҡһың, ҡулыңда ҡырҡ һөнәрең бар! Һине күргән кеше ни уйлайҙыр?! Ғаилә ҡороп, тормошланырға ваҡыт! Тиңдәштәреңдең күбеһе башлы-күҙле булып бөткән күптән, ҡайһылары йорттар һалып, бала-саға үҫтереп, дыу килеп йәшәп ята. Артта ҡалаһың даһа донъянан! Ҡайтҡандан бирле ата-әсәһе был турала иртәле-кисле һаҡ ҡына кинәйәләй. Бөгөн иһә туранан-тура әйтелгән асыҡ һүҙгә Мансур өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. – Һиҙәм, йөрәгеңдә кемдер бар, – тип дауам итте Хажғәли ҡарт, ҡулындағы тонтороҡло дәү һөйәк майын бысағы менән киҫеп. – Төкөр һин уға, сығарып бырғыт, фәтүәһе булмағас! Яҙмағанға яғылып булмай… Йәш саҡтағы мөхәббәт, ғишыҡ тигәндәре яҙғы ҡар һымаҡ бүстәк нәмә ул! Баш ҡаңғыртҡыс та йөрәк иҙгес кенә… Йәштәр хәҙер туйға хәтлем үк бер-береһен белеп, ярашып-талашып, береһенән-береһе ялҡып, биҙеп бөтә лә, бушҡа ваҡыт уҙғарып, йөрәктәрен тетеп, барыбер өйләнешә алмайынса, боҙолошоп ҡуя… Әсәйең менән минең йәш саҡта ғишыҡ тотоу түгел, йәнәш йөрөгән сағыбыҙ ҙа булманы! Көнө еткәс, олатайың менән өләсәйең яусы ебәрҙеләр ҙә алды ла ҡайттылар уны миңә! Аллаға шөкөр, башҡаларҙан ҡалмайынса, әҙәп-тәртип менән йәшәп ятабыҙ әле бөгөнгө көндә лә… Давай, улым, йөрөмә сирле тәкә һымаҡ миңрәп, беҙ ҙә шулай итәйек! Шулай бит, Ғәлимә?
Күләмле сара һөнәрселәрҙе, оҫталарҙы, көнкүреш әйберҙәре, этник кейем-һалым, биҙәүестәр, сувенирҙар әҙерләү өлкәһендә эшләгән предприятиеларҙы берләштерә Өфөлә креатив индустрияларҙы үҫтереүгә арналған «Башҡортостан Республикаһында һөнәрҙәр аҙналығы» асылды. Күләмле сара һөнәрселәрҙе, оҫталарҙы, көнкүреш әйберҙәре, этник кейем-һалым, биҙәүестәр, сувенирҙар әҙерләү өлкәһендә эшләгән предприятиеларҙы берләштерә. «Был – халыҡ таланттары һәм ижад байрамы, уның төп геройҙары – яратҡан шөғөлөн бизнесҡа әүерелдергән оҫталар, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты башлығы Римма Бойцова. – Форум эшендә республиканың барлыҡ райондарынан тиерлек вәкилдәр ҡатнаша. Беҙ федераль спикерҙарҙы ла саҡырҙыҡ». Эшлекле программала – федераль эксперттар ҡатнашлығында тематик түңәрәк өҫтәлдәр, сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар. «Һөнәрселәр аҙналығы» барышында «Йыл һөнәрсеһе – 2020» республика конкурсына, ауыл һәм экологик туризм өлкәһендәге проекттар конкурсына йомғаҡ яһала, шулай уҡ республиканың халыҡ художество кәсептәре продукцияһы күргәҙмәһе була. Форумдың иң сағыу ваҡиғаһы – «Йыл һөнәрсеһе – 2020» республика конкурсының йомғаҡлау этабы. Еңеүселәр 12 декабрҙә бүләкләнә. «Һөнәрселәр аҙналығы»н Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы ойоштора. Бөтә саралар ҙа санитар-эпидемиологик нормаларға ярашлы уҙғарыла. «Һөнәрселәр аҙналығы»н үткәреү урыны — ВДНХ «ЭКСПО». Фото: Олег Яровиков https://www.bashinform.ru/bash/1532684/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Был хәл үткән быуаттың 80-се йылдарында булды. Беҙ, совет кешеләре, ярыша-ярыша үҫешкән социализм төҙөй инек. Ул осорҙа һайлауҙар ҙур байрам кеүек шаулап-гөрләп үтте. Ауыл кешеләре, хатта, яҡындарын, хөрмәт иткән кешеләрен ҡунаҡҡа ла саҡырғыланы.Fәҙәттә һайлау участкаларын мәктәптәрҙә урынлаштырҙылар. Кешеләр һайлауға матур кейенеп ғаиләләре менән килә торғайны. Бөтә ерҙә музыка яңғырай. Һайлау урындарында аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары менән һатыу итәләр, үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәренең сығыштары көнө буйына тигәндәй дауам итә. Һәр кем шат. Был хәл үткән быуаттың 80-се йылдарында булды. Беҙ, совет кешеләре, ярыша-ярыша үҫешкән социализм төҙөй инек. Ул осорҙа һайлауҙар ҙур байрам кеүек шаулап-гөрләп үтте. Ауыл кешеләре, хатта, яҡындарын, хөрмәт иткән кешеләрен ҡунаҡҡа ла саҡырғыланы. Fәҙәттә һайлау участкаларын мәктәптәрҙә урынлаштырҙылар. Кешеләр һайлауға матур кейенеп ғаиләләре менән килә торғайны. Бөтә ерҙә музыка яңғырай. Һайлау урындарында аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары менән һатыу итәләр, үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәренең сығыштары көнө буйына тигәндәй дауам итә. Һәр кем шат. Депутатлыҡҡа завод-фабрикаларҙа, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, ауыл хужалығында эшләгән лайыҡлы кешеләрҙе күрһәттеләр. Хәҙерге кеүек берәү ҙә ҡанығып йөрөмәне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һайлауҙарға урындарҙағы власть яғынан иғтибар һүлпән булды тип әйтә алмайым. Һайлау участкаларын алдан ентекләп әҙерләп ҡуйырҙар, һәр береһенә райондан берәй вәкил ебәрерҙәр ине. Ул—вәкил— һайлау участкаһы эше өсөн рәйес менән типә-тиң яуап бирҙе. Март баштары. Ул йылды ҡар Йылайыр районын тотошлай тигәндәй күмеп китте. Аҙыҡ-түлек әҙерләү һәм уның сифаты буйынса баш инспектор вазифаһында эшләп йөрөгән саҡ. Һайлау алдынан, ғәҙәттәгесә, бөтә район активын һайлау учаскаларына бүлеп сыҡтылар. Мине Һабырға тәғәйенләнеләр. Беҙҙең район республикала иң ҙурҙарының береһе, майҙаны буйынса Белореттан ғына ҡалыша: бер осонан икенсеһенә тиклем 200 километрға етә. Юлдар, һәр ваҡыттағыса, бик яҡшынан булманы. Эш машиналары һаны менән дә маҡтанырлыҡ түгел ине. Шуға күрә, алыҫҡараҡ йыйынһаҡ, берәр көн алдан сығырға тырыша торғайныҡ. Йылайырҙан Һабырға 40 саҡрым. Былай ҙа бик таҙартылып бармаған юлдан ҡар яуһа бөтөнләй үтеп булмай. Ул йылды Өфөгә барған республика трассаһын Сыуаш Бәрҙәшенә тиклем дә таҙарта алманылар. Иртәгә—һайлау. Һабырға юл ябыҡ. Хатта район үҙәгенән Һабыр йүнәлешендә 12 саҡрымда ғына ятҡан Анновҡаға ла юл юҡ. Шул сәбәпле «Башҡорт» совхозының «Һабыр» бүлексәһе идарасыһы Күлбаев Ким Әбделхаҡ улы ла Йылайырҙан ҡайта алмай ята. КПСС район комитетында яуаплы эштә эшләгән ҡатыным, юл булмаһа ла өйҙә ятырға ярамай, нисек булһа ла ҡуҙғалырға кәрәк, тип теңкәгә тейә. Минең: «Беҙ Күлбаев менән бындай юлдан Һабырға иртәгә лә барып етә алмаясаҡбыҙ бит»,—тип ҡаршылашыуыма ул: «Етмәһәгеҙ—юлда булырһығыҙ. Партия райкомының ҡарарын үтәмәҫкә хаҡың юҡ»,— тип аҡыл өйрәтә. Ҡатыным хаҡлы ине. «Нимә эшләргә?»—тип бер ни тиклем уйланып ултырғандан һуң юлға әҙерләнә башланыҡ. Икебеҙгә лә саңғы, юлға аҙыҡ алдыҡ һәм көндөҙгө икелә минең эш «УАЗ»-ына ултырып юлға сыҡтыҡ. Ҙур ҡыйынлыҡтар менән район үҙәгенән бер саҡрым самаһы ғына юл үтә алдыҡ. Артабан машинаны ҡалдырырға тура килде: тәбиғәт ҡарҙы мул итеп, телеграф сымдарына тейгеҙгәнсе өйгән булып сыҡты. Юлды саңғыларҙа дауам иттек. Аҙашмаҫ өсөн телеграф бағаналары буйлап барабыҙ. Арыһаҡ ҡарҙан саҡ сығып торған шул бағаналарҙың башына ултырып ял итәбеҙ. Анновкаға киске биштәр тирәһендә килеп еттек. Ауылға инеп тормай тура Васильевкаға киттек. Унда тиклем һигеҙ саҡрым самаһы. Бара биргәс, кеше эҙенә тап булдыҡ. Ул бульдозер менән юл таҙартҡанда барлыҡҡа килгән көрттөң ҡырлас һырты буйлап атлаған. Эҙҙәр ҡар аҫтынан саҡ ҡына күренеп ята. Васильевкаға етәрәк эҙ бөтөнләй юғалды. Шикләнеп яҡын тирәне ҡараштыра башланыҡ. Ҡараңғы төшөп бара. Шул ваҡыт яҡында ғы-на бер кешене тоҫмалланыҡ: толопҡа төрөнгән дә соҡорға төшөп ултырған. Ул—илле йәштәр тирәһендәге ир, Һабыр ауылылында йәшәгән тимерсе Ҡоҙашев (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемен иҫләмәйем) булып сыҡты. Баҡтиһәң, ул район дауаханаһынан ҡайтып бара икән. Анновкала уға толоп биреп ебәргәндәр, төндә юлға сыҡмаҫҡа өгөтләгәндәр, ләкин ул тыңламаған, Васильевкаға етеп йоҡлармын тип юлға сыҡҡан. Хәлдән тайырмын тип уйламағандыр инде. Ауылға өс километр самаһы ҡалған ине әле. Өсәүләп ултырып ҡапҡылап алдыҡ та Ҡоҙашевҡа, килеп алырбыҙ тип, Васильевкаға киттек. Ауылға инеп килгәндә Һабыр яғынан төшөп килгән трактор фараларын күреп ҡалдыҡ. Мин Ким Әбделхаҡ улының саңғыларын алдым да кире Ҡоҙашев артынан, ә Ким Әбделхаҡ улы таныштарына сәй тураһында һөйләшергә һәм тракторҙы ҡаршы алырға китте. Трактор Йылайырға юлланған икән. Ул совхоздың баш бухгалтерының ҡыҙын сессияға алып китеп бара. Ә баш зоотехник Мостафин Биктимер тыуған ауылы Ҡашҡарға ялға ҡайтып бара. Һабырҙан юлға иртә менән сыҡҡандар, Васильевкаға киске етеләргә генә килеп еттеләр. Тракторҙың яғыулығы бөткән ине. Ашап алып, яғыулыҡ ҡойғанса тағы ике сәғәт ваҡыт үтте. Мин үҙемдең ҡайҙа икәнемде белдереү өсөн территориаль һайлау участ-каһына шылтыраттым. Телефонды район башҡарма комитеты рәйесе Күсәрбаев Зиннур Янбай улы алды. Ул минән мөмкинлек тыуған һайын шылтыратып тороуымды үтенде. Ошо уҡ Васильевкала укытыусыларына эш хаҡы алып ҡайтып барған Һабыр мәктәбе директоры ла инде нисәнсе көн ҡайта алмай ултыра булып сыҡты. Ул хәҙер мәрхүм инде. Мин уның исем-шәрифен иҫләйем, ләкин атамайым, сөнки һуңыраҡ уның арҡаһында беҙ күңелһеҙ бер ваҡиғаға тарыныҡ. Киске туғыҙҙар тирәһендә Һабыр яғына юлға сығырға хәл иттек. Тракторҙың баҫҡыстарына һәм аҫмаларына таҡталар бәйләнек. Унда мәктәп директоры менән тимерсе Ҡоҙашевты ултырттыҡ. Ҡалған биш кеше кабинаға тығылдыҡ. Тағы ҡар яуа башланы. Васильевканан нефть үт-кәргесенә тиклемге километр ярым араны ике сәғәттә саҡ йырып үттек. Һәр 50-100 метр һайын батҡан тракторҙы көрәргә кәрәк ине. Беҙ был эште күберәк өсәүләп—мин, Ким Әбделхәй улы һәм Биктимер—башҡарҙыҡ. Нефтепроводҡа еткәс, Ким Әбделхәй улы, улар яйлап ҡайта торһон, ә беҙ, һайлауға өлгөрөр өсөн, саңғыға баҫайыҡ, тигән тәҡдим индерҙе. Нефть трассаһы буйлап саңғыла төшөү юлды ярайһы ғына ҡыҫҡартһа ла мин ошондай көндө юлдаштарымды юлда ташлап китеүгә ҡырҡа ҡаршы булдым. Алла һаҡлаһын, бер-бер хәл булһа, улар өсөн яуап тоторға тура киләсәк бит. Юлды элеккесә дауам иттек. Иртәнге алтыларға бөткән Шәмсетдин ауылына килеп еттек. Һабырға алыҫ ҡалманы. Ошонда беҙ Ким Әбделхаҡ улы менән саңғы кейҙек тә трактор менән юлдаштарыбыҙҙы ҡалдырып йәйәү юлға сыҡтыҡ. Һайлау участкаһына иртәнге етегә килеп индек. Бер сәғәттән трактор ҙа килеп етте. Килеп еткәс тә район һайлау комиссияһына шылтыратып Һабырҙа икәнемде белдерҙем. Зиннур Янбай улы юл булмау сәбәпле ситтән һайлаусыларҙың булмаясағын, ауылдағылар һайлап бөтһә, бюллетендәр менән Йылайырға яҡтыраҡта юлға сығыу өсөн участканы иртәрәк ябыу мөмкинлеге барлығын аңлатты. Ашҡаҙар менән Ҡаҙырша ауылдары төшкә ҡәҙәр үк һайлап бөттө. Бюллетендәрҙе аттарҙа үлдем-талдым менән көндөҙгө икегә үк алып килеп еткерҙеләр. Һабырҙа бөтә ауырыуҙарҙы йөрөп сыҡтыҡ. Ике кеше—мәктәп директоры һәм уның менән бергә эсеп йөрөгән кеше—һайлауға килмәй ҙә ҡуя. Һайлау участкаһы рәйесе менән тағы бер ағзаны өйҙәренә ебәрҙек. Директор бирләнде лә китте. Һайлау участкаһына килеп ирешә башланы, шунан йоҙроҡ төйөп миңә ташланды. Үсе ҡанмағас район башҡарма комитеты рәйесенә шылтыратты. Ул һөйләшеү менән дә ҡәнәғәтләнмәй почтаға китте һәм Өфөгә шылтырата башланы. Был осраҡта билдәле инде: Өфөнән Йылайырға ла шылтыратҡандар. Нисек кенә булһа ла, беҙгә һайлауҙы ябырға рөхсәт бирҙеләр. Киске 6-ла мин һайлау участкаһы рәйесе менән, бюллетендәрҙе тейәп, кире Йылайыр йүнәлешендә юлға сыҡтым. Ә бит теге ғауға булмаһа өстәрҙә үк ҡуҙғалырға мөмкинлек бар ине. Юлға өр-яңы Т-4 тракторы биргәйнеләр. Уның менән дә әллә ни ыратып булманы: трактор Шәмсетдин тауына менә алманы. Ҡар туҡтарға уйламай ҙа. Беҙ тағы саңғыға баҫтыҡ. Шул арала ҡараңғы ла төштө. Бер биҙрә солярка алған инек. Факел тоҡандырып алдыҡ. Мин бер ҡулға факел, икенсеһенә таяҡ тотоп алдан, бюллетендәрен арҡаһына аҫып, икенсе ҡулына соляркалы биҙрә тотҡан рәйес минең арттан бара. Васильевкаға килеп еткәс Йылайырға шылтыраттыҡ һәм ҡаҙанлыҡҡа инеп яғыулыҡ, сепрәк алғас, ары атланыҡ. Сепрәктәрҙе яғып бөттөк. Тәүҙә бейәләйҙәргә, шунан ҡулъяулыҡтарға сират етте. Атларлыҡ та хәл ҡалмай бара ине. Йылайырға еткән ерҙә беҙҙе райисполком рәйесе үҙе ҡаршы алды. Был ваҡытта иртәнге алты тулған ине инде. Fәҙәттә бик күп һөйләшеп бармаған Зиннур Янбай улы башын сайҡап торҙо-торҙо ла, молодцы, молодцы, тип ҡулдарҙы ныҡ итеп ҡыҫты.
Хәтер һәм дан йылына ҡарата тормошҡа ашырылған тѳп саралар сиктәрендә Рәсәйҙә “Геройҙар иҫтәлегенә” проекты старт алды. Заманса мультимедиалы технологиялар ярҙамында йәш быуында илһѳйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән проекттың тѳп маҡсаты - Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында батырлыҡ ҡылған Геройҙарҙы, тыл фиҙаҡәрҙәрен хѳрмәтләп иҫкә алыу.ЯМАЛЕТДИНОВ Шаһи Ямалетдин улы (1914-1968) - 2-се Украина фронтының танк батальоны орудиеһы командиры, гвардия старшинаһы. 1914 йылдың 20 апрелендә Белорет районы Шығай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылдан ВКП(б)КПСС ағзаһы. VII класты тамамлағас, 1934 йылда Белорет районы халыҡ мәғарифы бүлеге янындағы уҡытыусылар курсында уҡый. 1936-1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1939-1940 йылдар арауығында Шығай ауыл советы секретары, рәйесе булып эшләй. 1941 йылдың октябрь айында Башҡорт АССР-ның Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдан башлап Кѳньяҡ-Кѳнбайыш һәм 2-се Украина фронтында хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙ Чехословакияны азат иткәндә батырлыҡ ҡылып, тарихта ҡала. 1945 йылдың 18 апрелендә Брно ҡалаһына рейд ваҡытында уның танкы дошмандың 2 танкыһын һәм 3 танкыға ҡаршы тубын юҡ итә. Экипаж командиры һәләк булғас, Шаһи Ямалетдинов етәкселекте үҙ ѳҫтѳнә ала. Весёлки тип аталған ауыл янында илбаҫарҙарҙың йәнә 3 бронялы машинаһы юҡҡа сыға. Үҙенең ҡыйыулығы, тәүәккәллеге менән Шаһи Ямалетдинов батальон командалығы ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәй. Хәрби бурыстарҙы атҡарғандағы ҡаһарманлығы һәм батырлығы ѳсѳн 1946 йылдың 15 майында Шаһи Ямалетдинов Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалына, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы тигән дан исемгә лайыҡ була. Гитлер Германияһын тар-мар иткәндән һуң ҡыйыу танкист милитаристик Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Ғүмере ахырынаса ауылында уҡытыусы булып эшләгән герой 1968 йылдың 28 майында донъя ҡуя. Уны тыуған ауылы Шығайҙа ерләйҙәр. Шаһи Ямалетдиновтың иҫтәлегенә 1990 йылдан бирле районда еңел атлетика эстафетаһы үткәрелә, Шығай ауылының үҙәк урамына ла уның исеме бирелгән. Белорет ҡалаһында ҡаһарманға бюст ҡуйылған. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Исаҡай авылынан Сәлимгәрәевтарҙың ҙур hәм татыу ғаиләһендә тиҙҙән ике юбилейҙы билдәләйәсәктәр. Был Әхмәт Хәбибрахман улы менән Тәнзилә Лотфулла ҡыҙының 60 ел дуҫлыҡта hәм таытыулыҡта бергә йәшәүе. Октябрҙә ғаилә усағын һаҡлаусы, тоғро ҡатын, иҫ киткес әсәй, бик яҡшы hәм зирәк өләсәй Тәнзилә апайға 80 йәш тула. Тантанала утыҙлап кеше булыр тип көтөлә. Беҙ был турала район үҙәгенән иң алыҫ урынлашҡан, Ыҡ йылғаһы буйлап бер нисә урамы менән һуҙылған матур торлаҡ пунктына барғас белдек. Бынан Ырынбур өлкәһе Абдуллин ҡалаһына ҡул һуҙымы ғына. Ҙур хужалыҡлы йортта беҙҙе әҙәпле генә баштарын эйеп hәм ыҫылдап аҡ ҡаҙ hәм өйрәк көтөүе ҡаршы ала. Йорттоң аҡыллы hәм тоғро һаҡсыһы Арлан исемле эт ҡарашы менән беҙҙе өйрәнеп, тупһаға тиклем оҙатып ҡала. Иғтибарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған, ҡарап торыуға төҙөк Т-25 тракторы менән «Ока» автомобиле үҙенә йәлеп итә. Бында олы йәштәге кешеләр йәшәй тип уйламаҫһың да. - Беҙ ҡунаҡтарға hәр саҡ шатбыҙ, — тип өйгә саҡыра ҡунаҡсыл Тәнзилә апай менән Әхмәт ағай. — Балалар үҫеп, ҡайһыһы ҡайҙа таралды. Ҙур хужалыҡты ғәҙәт буйынса улар hәм ейәндәребеҙ өсөн тотабыҙ. Беҙҙең әле бәрәстәре менән ике кәзәбеҙ hәм бәләкәй умарталығыбыҙ бар. Баҡсала бәрәңге уңышы бик мул булды, башҡа йәшелсәләр ҙә етерлек. Яҡты hәм уңайлы өйҙөң хужаһы Әхмәт Хәбибрахман улына быйыл 84 йәш тулған, әммә ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен егеттәрсә тота. Йорт буйынса барлыҡ ир-ат эшен үҙе башҡара, балалар hәм ейәндәрҙең ярҙам иткәнен көтөп тормай. Хужалыҡ эштәре буйынса кәрәк булғанда, трактор hәм автомобилгә үҙе ултырып сығып китә. — Мин ғүмерем буйы водитель булып эшләнем, — ти сал сәсле аҡһҡал. — Сухоречка ауыл Советы ауыл биләмәһенең Исаҡай ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫтем, минән башҡа ике туғаным бар ине. Мәктәпте тамамлағас, Приютҡа нефтьселәрҙең автохужалығына эшкә керҙем. Шунда уҡ автомәктәпте тамамланым. Унан һуң армия булды: Алыҫ Көнсығышта Артем ҡалаһында диңгеҙ авиацияһында өлкән матрос булып хезмәт иттем. Хеҙмәт итеп, кесе ватаныма ҡайттым. «Ҡушйылға» совхозы «Михайловка» hәм «Сухоречка» совхоздарына айырылғас, яңы хужалыҡта эшкә тотондом. Миңә ЗИС-150 автомобиле бирҙеләр. Әммә барыһынан да оҙағыраҡ Горький автозаводы автомобилдәрендә эшләргә тура килде. Әммә тельняшкалы йәш егеттең ауылға hәм ата-әсә йортона ҡайтыуының сәбәбе башҡа нәмәлә була. 1956 йылда Бәләбәй педучилищеһын тамамлап, ауыл мәктәбенә йәш уҡытыусы эшкә килә. — Минең тормышом күрше ауылда үтер тип бер ҡасан да уйламағайным. Тыумышым менән мин Яңы Биктәштән, —тип әңгәмәгә ҡушыла Тәнзилә Лотфулла ҡыҙы, фотографиялар күрһәтеп. — Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға теләнем. Был беҙҙең дүрт бала үҫкән ғаиләлә Хоҙайҙан уҡытыусы булған Тәғзиә апай фатирҙа торғанғалыр, мoғайын. Ул Исаҡайҙан ине. Ул өйҙә минең ике ағайым һәм апайым менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләнде. Мин һәр саҡ яндарында бөтөрөлә — Торғайным әм шунда уҡ эләктереп ала инем, шуға күрә, ул саҡта мәктәпкә ете йәштән генә алаһалар ҙа, алты йәшемдә беренсе класҡа барҙым. Педучилищены тамамлагас, Исаҡай балаларын уҡыта башланым. Ауыл мәктәбе ябылғас, хаҡлы ялға сыҡҡансы, 18 йыл китапханасы булып эшләнем. Бер-береһенә ҡәҙерле булған ике өлкән кешенең, бер миҙгелгә йәшәреп киткәндәй, беренсе тапҡыр ҡайҙа осрашыуҙры, нимә турыһында һөйләшеүҙәре. Беренсе аҙымды кем яһауы тураһында бәхәсләшеүҙәрен күҙәтеү ҡыҙыҡлы ине. Әхмәт ағай тыйнаҡ һәм талапсан Тәнзилә апай артынан ике йыл йөрөй һәм шунан һуң ғына уның йөрәген яулай ала. Бына шундай миҙгел һәм ғәҙҙттәр булған. Сәлимгәрәевтарҙың билиант пары туйҙарын 1958 йылдың апрелендә яһай. Мөхәбәттә һәм татыулыҡта уларҙың улдары Әҡсән менән Рәфғәт һәм ҡыҙҙары Зөлфирә менән Гөлшат тыуып үҫә.Улар барыһы ла республиканың төрлө ҡалаларында үҙ ғаиләләре менән йәшәй, ата-әсәләренә һигеҙ ейән-ейәнсәр, ә улары һигеҙ бүләсәр бүләк иткән. Владимир СМОЛОВ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Кем "Һеңлекәш" ("Сестренка") фильмын ҡараған, Марта Тимофееваны яҡшы белә инде. Оксана ролен бик килештереп уйнаны бит. Башҡортса һөйләшергә лә өйрәнде. Күптәр яратҡандыр был һәләтле, һөйкөмлө кескәй актрисаны. Беҙҙең шәп башҡорт малайы Йәмил-Арыҫлан Ҡырымсурин менән бик яҡын дуҫтарға әйләнделәр. Марта 6 йәшенән киноға төшә башлаған. Әле ул 10 йәштә. Был ҡыҙҙы беҙҙең илдә белмәгән кеше һирәктер. "Союз спасения", "Гоголь", "Кровавая барыня" һәм башҡа фильмдарҙа төшкән. Ә яңыраҡ Мартаны Голливудтың яңы бер проектына саҡырғандар. Һәләтле ҡыҙ "Тайное общество мистера Бенедикта" тигән фильмда төп ролдәрҙең береһе Констанс Контреирҙы уйнаясаҡ. Әле коронавирус ҡына хәлдәрҙе тотҡарлап тора. Әйткәндәй, Марта Тимофеева 9 йәшенә 40 проектта ҡатнашҡан. Ул Мәскәүҙәге бер мәктәптә белем ала. Инглиз теле буйынса курстарға йөрөй. Ҡустыһын ҡараша. Мартаның ата-әсәһе лә - сәнғәт кешеләре. Әммә ҡыҙҙары уларға ҡарағанда ла нығыраҡ танылыу яулаған, буғай. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостанда Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә алты законһыҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған Фото:youshatir.ru 2023 йылда "Экология" милли проекты буйынса Башҡортостан ҡалаларындағы алты законһыҙ сүплектең бишәүһен юҡ итеү башлана. Был хаҡта "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов хәбәр итте. "Алты сүплек милли проектҡа индерелгән. Проекттар бик ҡатмарлы бара, дөйөм алғанда, эҙләнеүҙәр, проект эше менән ауырлыҡтар булды. Әммә хәҙер барлыҡ объекттар буйынса Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынған, һәм объекттар файҙаланыуға әҙер, тип әйтә алам. Иҡтисади сәйәсәттә лә, финанс сәйәсәтендә лә үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, биш объектты 2023 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашыра башларға планлаштырабыҙ, – тине Нияз Фазылов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында. Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, тағы ла бер объект ғәмәлгә ашырыла башлаған да инде. Һүҙ Сибай ҡалаһынан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Баймаҡ ҡалаһындағы сүплекте юҡ итеү хаҡында бара. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә алты законһыҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Был эштәрҙе проектлау 2019 йылда башланды. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған "Экология" милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфераның бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең үҙенсәлекле флораһын һәм фаунаһын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Автор:Альфия Мингалиева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 18 сентябрҙә Дүртөйлө районы Әсән ауылында моделле район китапханаһын асыу тантанаһы үтәсәк. Әсән ауылы халҡы ауылдаштары, күренекле шағир Шәйехзада Бабич менән ғорурлана. Уның тыуған ауылында Башҡортостан һәм Татарстан шағирҙары, яҙыусылары ҡатнашлығында «Бабич уҡыуҙары»н үткәреү матур йолаға әйләнгән. Әсән ауылында Шәйехзада Бабичтың музейы ла бар. Данлыҡлы ауылдаштарының исеме бер урамға ҡушылған, Әсән ауыл мәктәбе лә уның исемен йөрөтә. Әлеге асыласаҡ моделле китапхана һәм музей бөйөк шағирҙы иҫкә алыу урынына әйләнәсәк. Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан тағы ла шағир йорто торған урында ял итеү урыны һәм баҡсаһы булған «Бабич һуҡмағы» тематик комплексты булдырыу буйынса эштәр алып барыла. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Австрия яғы теләге менән Рәсәй Президенты Владимир Путин Австрия Республикаһының федераль канцлеры Себастиан Курц менән телефондан һөйләште. Себастиан Курц ҡот осҡос хәл уңайынан халыҡтың ҡайғыһын уртаҡлашҡаны һәм ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе. Аралашыу барышында ике яҡтан да терроризм менән көрәш алып барыу хаҡында ла һөйләштеләр. Рәсәй-Австрияның көнүҙәк мәсьәләләре, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау, вакцинаны ҡулланыу темалары ла ҡаралды. Федераль канцлер энергетика өлкәһендә Рәсәйҙең Европа илдәре менән киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итеүенең мөһимлеген билдәләне. #ВладимирПутин Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостанда ишле, шулай уҡ һаулығы яғынан үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең транспорт һалымын түләгәндә льгота алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәбәр итте. Башҡортостанда ишле, шулай уҡ һаулығы яғынан үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең транспорт һалымын түләгәндә льгота алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәбәр итте. Льгота алыу өсөн һалым органдарына ғариза яҙырға кәрәк. Ведомствола транспорт һалымынан азат итеү тураһында ҡарарҙы бер ай эсендә ҡабул итергә тейештәр. Әгәр һалым түләнгән, ә ғаилә льготаға хоҡуҡлы икән, аҡса кире ҡайтарыла – бының өсөн дә йәшәгән урын буйынса һалым органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 декабрҙә мөлкәт һалымын түләү ваҡыты тамамланды. 3 декабрҙән һалымын түләмәгәндәр бурыслы тип иҫәпләнә, уларға пеня өҫтәлә башлай. Шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлеге булмаған йәки почта аша белдереү ҡағыҙы алмаған кешеләргә һалым инспекторҙары күп функциялы үҙәк офистарында йәки теләһә ниндәй инспекцияла квитанция алырға кәңәш бирә. Улар 6 декабргә тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә ҡәҙәр эшләй. http://www.bashinform.ru/news/1386678-v-bashkirii-mnogodetnye-semi-mogut-vernut-ranee-uplachennyy-transportnyy-nalog/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
37 йәшлек Бәләбәй районы кешеһе менән 42 йәшлек Өфө ҡатыны интернет аша таныша. Ике йылға яҡын мөхәббәт хатлашыуынан һуң, ниһайәт, улар осрашырға ҡарар итә. Тәүге күрешеүҙең рәшәткә артында үтеүе ҡатын өсөн көтөлмәгәнсә була. Баҡтиһәң, ир үҙенең кеше үлтергән өсөн төрмәлә ултырыуын йәшергән икән. Был турала тик һуңғы минутта ғына әйтә. Бер нисә осрашыуҙан һуң ирҙе сығаралар, пар ҡуртымға фатир алып, бергә йәшәй башлай. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән ир ҡатындың ҙур суммала аҡсаһы булыуын белеп ҡала, уны үҙенән йәшереүенә ныҡ асыулана. Һөйгәнен туҡмап ташлай. Бысаҡ менән янап аҡсаһын ала. Ярай әле ҡатын юғалып ҡалмай, ир йоҡлап киткән арала полицияға мөрәжәғәт итә. Тегене ҡулға алалар.Башҡортостан гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Владимир Путин “Союз”ды кем тишкәнен белә Мәғлүм булыуынса, былтыр августа йыһандағы “Союз МС-09 карабы тишелгәйне. Ул мәлдә уның бортында Рәсәй һәм Америка космонавтары эшләй ине. #ВладимирПутин Мәғлүм булыуынса, былтыр августа йыһандағы “Союз МС-09 карабы тишелгәйне. Ул мәлдә уның бортында Рәсәй һәм Америка космонавтары эшләй ине. Һауа сығыуға сәбәпсе булған екте етди тикшереү башланды. Төрлө фекерҙәр булды. Берәүҙәр – “карапты эшләгәндә битарафлыҡҡа юл ҡуйылған”, икенселәр иһә “уны американдар тишкән” тип иҫәпләне. Кисә “Роскосмос” етәксеһе Дмитрий Рогозин: “Ектең барлыҡҡа килеү сәбәбе билдәле, “әммә һеҙгә бер нәмә лә әйтмәйәсәкбеҙ, сөнки беҙҙә лә ниндәй ҙә булһа сер һаҡланырға тейеш”, - тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путинға “Союз” йыһан карабының тишелеү сәбәптәрен асыҡлау буйынса мәғлүмәт еткерелгән, ул был турала хәбәрҙар. #ВладимирПутин Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
«Ҡурҡмаҫ йөрәкле, батыр балалар булғанда республикабыҙ үҫешәсәк, йәшәйәсәк әле». Шулай тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәш геройҙарҙы бүләкләү тантанаһында. «Ҡурҡмаҫ йөрәкле, батыр балалар булғанда республикабыҙ үҫешәсәк, йәшәйәсәк әле». Шулай тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәш геройҙарҙы бүләкләү тантанаһында. Ошо сараға әсәйҙәре менән ете бала килгәйне. Уларҙың иң кесеһе – Өфөнән дүрт йәшлек Алексей Гребешков. Малай күрше йортта янғын сыҡҡанын күреп, атаһына хәбәр иткәне өсөн төбәк етәксеһенән Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының Рәхмәт хатын алды. Хәйбулла районының Һамар ауылынан ун йәшлек Байназар Хәйбуллиндуҫы Илназ бәүелсәктән ҡолап, маңлайын йәрәхәтләгәс, күп уйлап тормай, уны велосипедына ултыртып, медицина пунктына алып бар­ған. Малайҙы Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының «Ғүмерҙе ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнеләр. Күгәрсен районының Мораҡтағы Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптә V синыфта уҡыусы Азамат Арапов та ҡыйыулығы менән һоҡландырҙы. Ул кескәй генә ҡыҙҙы һыуға батыуҙан ҡотҡарған. Стәрлетамаҡ районының Талас ауылынан 9 йәшлек Илһөйәр Бикҡолова – йәш ҡот­ҡарыусылар араһында берҙән-бер ҡыҙ кеше. Ул музыка, бейеү, һүрәт төшөрөү менән мауыға. Илһөйәргә Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының «Кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡыйыулығы өсөн» миҙалы тапшырылды. Герой балаларҙың иң өлкәне – Ишембай районының Үрге Этҡол ауылынан Ирек Үмәрбаев,уға – 14 йәш. Үҫмер яңғыҙ йәшәгән инәйҙең йорто яна башлауын күреп, атаһына әйтергә тип өйөнә йүгергән. Һуңынан, уның килгәнен көтмәйенсә, күршеһенә ярҙамға ашыҡҡан. Боҙло һыуҙа дуҫын ҡотҡарған өсөн Бәләбәй районынан туғыҙ йәшлек Фәдис Сәлимгәрәев һәм ете йәшлек малайға ян­ған йорттан сығырға ярҙам иткән Өфөләге 51-се мәктәптең V синыф уҡыусыһы Стёпа Литвинов та Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының наградаларына лайыҡ булды. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Украинаның көнсығышындағы “конфликтты хәл итеү перспективалары ышаныслы оптимзм тыуҙыра,” тип белдерҙе Мюнхендағы именлек буйынса конференцияла Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Сергей Лавров. Шул уҡ ваҡытта ул Киевты ҡорал менән тәьмин итеү планын һәм Көнбайыштың дөйөм позицияһын етди тәнҡитләне: “Украинаға килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көрсөктөң һәр бер этабында беҙҙең Америка коллегаларыбыҙ, ә уның тәьҫире аҫтында Европа Союзы ла, көсөргәнешлелеккә илтеүсе аҙымдар яһаны. Украина менән ассоциация хаҡындағы иҡтисади килешеүҙәр блогын индереүҙең эҙемтәләре тураһында (Рәсәй ҡатнашлығында) Евросоюз һөйләшеүҙән баш тартҡанда ла шулай булды. Унан һуң туранан-тура дәүләт түңкәрелеше яҡланды, унан алда- хөкүмәткә ҡаршы тәртипһеҙлектәр.” Сергей Лавров “ЕС һәм Рәсәйҙең стратегик партнерлығы һынауҙарҙы еңеп сыға алмауы” тураһында белдерҙе. Бынан тыш, уның һүҙҙәре буйынса, әлеге мәлдә “Украина өҫтөнән НАТО Хәрби Һауа көстәренең әүҙемлеге Рәсәй Федерацияһы авиацияһы эшмәкәрлегенән күпкә юғарыраҡ.” Авторы: Артём Асланйән |REUTERS, AFP, РИА "Новости"материалдары буйынса. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
6 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районындағы Көрәш һарайының төҙөлөш майҙансығында булды. Был - баш ҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе. Төбәк етәксеһе төҙөлөш барышы менән танышты. Проект ойошмаһы вәкиле Андрей Стариков эштәрҙең раҫланған графикка ярашлы барыуы тураһында һөйләне. Төҙөүселәр нигеҙ плитәһен бетонлауҙы тамамлап, стеналарын күтәреүгә керешкән. Объектта бер нисә сменала 60-тан ашыу кеше эшләй. Бинаның дөйөм майҙаны - 28 мең квадрат метр. Үҙәктә спорт комплексы һәм спорт көрәше мәктәбе, 3,4 мең урынға иҫәпләнгән амфитеатр менән универсаль зал, шулай уҡ музей буласаҡ. Яңы спорт учреждениеһында халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғарыласаҡ. Егеттәр бер юлы 14 көрәш балаҫында күнекмәләрҙә шөғөлләнә аласаҡ. "Көрәш – беҙҙең балалар өсөн спорттың иң яҡшы төрҙәренең береһе. Барыһы ла спорт мастерҙары булып китмәҫ, ләкин улар мотлаҡ ысын кешеләр булып үҫер, тормошта кәрәкле сифаттарға ынтылыр. Үҙәкте күп функциялы итәбеҙ. Көрәшкә тәғәйенләнгәндәрҙән тыш, бал һәм спорт бейеүҙәре өсөн залдар, каток, бассейн, волейбол, футбол, баскетбол майҙансыҡтары буласаҡ. Эргәһендәге биләмә лә төҙөкләндереләсәк", - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. https://bashgazet.ru Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
5 татлы борос, 2 баклажан, 2 баш һарымһаҡ, 1-шәр тотам әнис, шәфәри үләндәре (петрушка), 3 бөртөк ҡара борос, 1 лавр япрағы, 50 грамм шәкәр, ярты ҡалаҡ тоҙ, 25 миллилитр аш һеркәһе, 125 миллилитр һыу, үҫемлек майы кәрәк. Татлы боростоң орлоҡтарын алабыҙ ҙа, ҡайнар һыуға һалып, 5 минут ҡайнатабыҙ. Баклажанды әрсейбеҙ ҙә буйынан-буйына 0,5 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Баклажанды үҫемлек майында ике яғынан да алһыуланғансы ҡыҙҙырабыҙ. Саҡ ҡына тоҙ һибәбеҙ. Йәшел үләндәрҙе ваҡ ҡына итеп турайбыҙ ҙа, иҙелгән һарымһаҡ ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Баклажан киҫәктәренә һарымһаҡлы йәшел үләнде һалып урайбыҙ һәм татлы борос эсенә тултырабыҙ. Банканың төбөнә лавр япрағы, хуш еҫле борос һалабыҙ. Тултырылған боростарҙы урынлаштырабыҙ. Тоҙ, борос һалынған һыуҙы ҡайнатабыҙ, аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Маринадты банкаға ҡоябыҙ ҙа, стерилләргә ҡуябыҙ. 1 литрлы банканы 40 минут стерилләйбеҙ. Яҡшылап ябып, һыуытҡысһыҙ ҙа һаҡларға була. Тәмле соус-турама 1 килограмм помидор, 3-4 татлы борос, 300 грамм һуған, ярты стакан шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ төйөлгән ҡара борос, 1 балғалаҡ аш һеркәһе эссенцияһы, үҫемлек майы кәрәк. Помидорҙы киҫәктәргә бүләбеҙ, һуғанды шаҡмаҡлап, татлы боросто һаламлап турайбыҙ. Һуғанды үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Бөтә йәшелсәләрҙе бергә һалып, тоҙ, ҡара борос, шәкәр өҫтәйбеҙ, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 25 – 30 минут утта тотабыҙ. Аҙағынан аш һеркәһе өҫтәйбеҙ ҙә, стерилләнгән банкаларға һалып, яҡшылап ҡаплайбыҙ. Түңкәреп, йылы итеп төрөп, һыуытырға ҡуябыҙ. Хуш еҫле помидор 1,5 - 2 килограмм помидор, 1 баш һарымһаҡ, 3 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 10 - 12 бөртөк ҡара борос, 3 лавр япрағы, әнис сәскәһе, ҡарағат, сейә, керән япраҡтары, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе эссенцияһы, 1,2 литр һыу кәрәк. Стерилләнгән банканың төбөнә йәшел япраҡтарҙы, тәмләткестәрҙе һалабыҙ. Помидорҙы тултырабыҙ. Эҫе һыуға тоҙ, шәкәр һалып ҡайнатып алабыҙ ҙа, помидор өҫтөнә ҡоябыҙ. Ҡаплап торабыҙ. 10 минуттан маринадты кире кәстрүлгә бушатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы помидор өҫтөнә һалабыҙ. Быны 3 тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Өсөнсөгә маринадты ҡойғас, аш һеркәһе эссенцияһын өҫтәйбеҙ. Яҡшылап ябып, банкаларҙы түңкәреп, йылы әйбергә урап, һыуынғансы тотабыҙ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Хеҙмәт баҙары эксперттары фекеренсә, автоматлаштырыуға тәү сиратта ошо белгестәрҙең эләгеүе мөмкин — уларҙың көндәлек бурыстарын машиналарға тапшырыу отошлораҡ. Ләкин эшкә урынлашыу өлкәһендә үҙгәрештәр әлегә күҙәтелмәй. Әйтәйек, Башҡортостанда бухгалтерҙарға ихтыяж йыл һайын арта, тип билдәләй HeadHunter рекрутинг хеҙмәте. Ғинуар-октябрь айҙарында үҫеш уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 56% тәшкил иткән. Был хеҙмәткәрҙәр менән айырыуса ваҡлап һатыу һәм төҙөлөш тармағы компаниялары ҡыҙыҡһына. Бөгөн Башҡортостанда бер бухгалтер вакансияһына 7,8 резюме тура килә. Рәсәй буйынса ошо белгестәр араһында конкуренция түбәнерәк — бер урынға 7,2 резюме, күрше Свердловск өлкәһендә — 4,4. Көтөлгән һәм тәҡдим ителгән уртаса эш хаҡы — 30 һәм 25 мең һум. Кандидаттарҙың 89% — ҡатын-ҡыҙҙар. Бухгалтер эшен йышыраҡ 25-45 йәшлектәр эҙләй. Уларҙың күпселеге юғары белемле (88%). http://www.bashinform.ru/news/1240843-v-bashkirii-rastet-spros-na-bukhgalterov/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә яңыраҡ Донецкиҙан ҡайтҡан ирекмән-табиптар менән осрашыу булды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын эвакуациялау буйынса оператив штаб етәксеһе Максим Забелин табиптарға хеҙмәттәре һәм ҡыйыулыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Беҙ Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына хирургия һәм травматология белгестәрен ебәрергә тырышасаҡбыҙ. Табиптарҙың байтағы Донецк белгестәренә ярҙам итергә теләк белдерҙе. Урта медицина персоналы ла, фельдшерҙар, терапевтар ҙа, педиатрҙар ҙа, – тип билдәләне Максим Забелин. – Беҙҙең табиптар тағы ла үҙҙәренең көслө рухлы кешеләр икәнен күрһәтте. Һеҙҙең өлгөгөҙҙөң ни тиклем мөһим һәм кешелекле икәнен билдәләйем. Был һеҙҙең иң ҡатмарлы шарттарҙа ла табиплыҡ бурысын үтәргә әҙер булыуығыҙ тураһында һөйләй”. Максим Забелин оҙаҡламай Донбассҡа юлланасаҡ табиптарға ныҡлыҡ теләне. Сираттағы төркөм апрелдә юлға сығасаҡ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бүлексә мөдире, табип-нейрохирург Алексей Антонов Донецк дауаханаһындағы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Анестезиолог-реаниматолог Лидия Ахунова ла тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыҡты. “Махсус операция үткәрелгән төбәккә табиптар ебәрелеүен ишеткәс тә, Донбасстағы хеҙмәттәштәребеҙгә ярҙам итеү теләге тыуҙы, – тине ул. – Донецк дауаханаһында ошо учреждениеның табиптар бригадаһы менән берлектә ҡатмарлы операциялар яһаныҡ.” Республика табиплыҡ-физкультура диспансерының баш табибы Руслан Гәрәев тә үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһы хирургы Теймураз Иҙрисов ни өсөн ирекмәндәр рәтенә ҡушылыуы тураһында һөйләне. “Мин был республикаларҙа йылдар дауамында барған хәлгә тыныс ҡына ҡарай алмайым. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа йәшәргә мәжбүр булған кешеләргә ярҙам иткем килде. Мин хатта ғаиләмде лә иҫкәртеп торманым, барып еткәс кенә хәбәр иттем. Уларҙың борсолғанын беләм,” – тине табип. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бүлексә мөдире Артур Мөғәллимов Донецкиға барырға йыйынған табиптарға ҡатмарлы хәлдәрҙә үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүҙәре мөмкинлеген әйтте. Йәмәғәтселек ярҙамы штабы етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов ирекмән-табиптарға партия яғынан төрлө яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе. Фото:"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе. Ирекмән-табиптарға рәхмәт белдерелде Автор:Дина Арсланова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
- Кисә мин бигерәк артыҡлап ташлағанмын, - тине Арғынбай Гөлназдың күҙҙәренә тура ҡарап. - Нимә булғанын да хәтерләмәйем. Гөлназ күҙҙәрен ҡаплай барған томанға бирешмәҫкә тырышып, егеттең беләгенә йәбеште. Туйҙың бер көнө - Бер нәмәне ләме? Хатта?... - Юҡ, бер ни ҙә иҫләмәйем. Ну, баш ауырта, малай. - Арғынбай үҙен матҡып алған оҙон тырнаҡлы нәфис ҡулды бушатып, устарына алды. - Ә нимә? Беҙҙең арала берәй нәмә булдымы әллә? - Булды шул, бөтәһе лә булды. - Ҡыҙҙың матур сикәләренә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, аҫҡа һирпелгән керпектәре аҫтынан саф күҙ йәштәре юлаҡ-юлаҡ булып ағып төштөләр. Гөлназ, бармаҡтарын Арғынбайҙың ҡыҫып тотҡан устарынан алып, йәшен һөртмәксе ине лә, егет ысҡындырманы, киреһенсә, тағы ла нығыраҡ ҡыҫып, Гөлназға терәлеп тиерлек баҫты ла, ҡыҙҙың күҙ йәштәрен тәмләгәндәй, ике сикәһенән йомшаҡ ҡына итеп, алмаш-тилмәш үпте. - Гөлназ… Был бит туй. Ә туйҙа ни генә осрамаҫ. Бер матур хәтирә, мөғжизә итеп ҡабул ит тә ҡуй. Аҙаҡ һағынып ҡына, йылмайып иҫләрһең әле. Нимә генә булһа ла, артыҡ иғтибар итмә, мәғәнә юҡ. Сөнки… Нисек кенә ҡыйын булмаһын, дөрөҫөн әйтәм инде. Минең ҡатыным һәм ике улым бар. Алдан әйтмәгәнем өсөн ғәфү ит. Әлбиттә, мин ҡатыным менән бергә йәшәмәйем, ләкин балалар өсөн мин - атай, уларҙы бер ҡасан да ярҙамымдан ташламаясаҡмын. Ә икенсе ҡатын алырға, яңы ғаилә ҡорорға минең әлегә теләгем дә, хәлем дә юҡ. Бер ауыҙың бешкәс, өрөп ҡабырға өйрәнәһеңдер… Гөлназ ҡапыл ғына килтереп өҫтөнә һыуыҡ һыу ауҙарғандай тертләп, ҡалтыранып китте, өнһөҙ генә ҡулдарын ҡыҫҡыстарҙан һурып алды. Арғынбай ҡыҙҙың күҙҙәренә тура ҡарарға, ҡараштарын тотоп алырға тырышты. - Һин миңә асыуландың, ахыры? Нимә, әллә? Юҡ, булыуы мөмкин түгел… Һин… ғиффәтле ҡыҙ инеңме ни? Юҡтыр… Егеттең буталсыҡ һүҙҙәренә ҡыҙ иҫенә килгәндәй булды һәм үткән төндә генә сафлығын алған, намыҫын таплаған егеткә тәү күргәндәй сәйерһенеп, екһенеп баҡты. Нисек, нисек теле әйләнә улайтып әйтергә?! Ни өсөн Гөлназ бындай хурлыҡҡа ҡалды әле? Ә хәҙер, хәйер һорашҡандай, бер йылы һүҙгә сарсап, тоғро эттәй күҙенә ҡарап тора. Ниндәй түбәнлек! - Юҡ, юҡ һәм юҡ! Гөлназ ҡырт ҡына боролоп китеп барҙы. Артынан тапалған күңеле, ҡыҙлыҡ намыҫы, яраланған кейектең ҡанылай тамсылап-тамсылап ҡойолоп барғандай тойолдо. Тик күп эсеүҙән, таңға табан аҙ ғына эләккән йоҡонан ҡыҙарған Арғынбайҙың күҙҙәре уны күрерлек, ҡыҙҙың аяныслы хәлен аңларлыҡ хәлдә түгел ине. **** …Кейәүҙәр алыҫ Ҡаҙағстандан булғас, туйҙы бер яҡта - ҡыҙ яғында ғына үткәрергә килештеләр. Ике яҡтан да йәштәр ҙә, парлы ҡоҙалар ҙа апаруҡ күп кенә ине, шуға күрә туй табынын ҙур йәшел ихатала эшләргә булдылар. Сиҙәм менән ҡапланған ишек алдына бер-береһенә терәтеп, әллә нисә өҫтәл ултырттылар. Өҫтәл кәрәк-ярағы, һауыт-һаба эҙләп, йәш килендәр күрше-күләнгә йүгереште. Иртәнге автобус менән ҡоҙаларҙан алда килеп төшкән Гөлназды күреп, Шәүрә бик һөйөндө. Байтаҡ күрешмәгән дуҫтар ҡосаҡлашып күреште. - Әлдә генә килдең әле, дуҫ,- тине Шәүрә күҙенә йәш алып, - ой, ҡыйын икән кейәүгә сығыуҙары. Баш ҡатты бит әй. - Кит сәле, Шәүрәкәй, юҡты һөйләмә! Кейәүгә сығыу ниңә ауыр, ти! Бына мине алам тиеүсе генә юҡ, әйтеүсеһе булһа, һәп итеп кенә ҡалыр инем дә ул! - Табылыр әле яҙғаның. Ҡартайып бармайбыҙ ҙа баһа. Бәлки, бөгөн туйҙа уҡ осратырһың әле. - Алланың “Амин” тигән сағына тура килһә ярар ине! - Әхирәттәр сырҡ-сырҡ көлөштө. Егерме икенсе йәштәре менән генә барған ике һылыу өсөн эй бәхетле көн ине шул туй көнө. Үткәндәре ғәмһеҙ бала саҡ, бөгөнгөләре салт аяҙ сағыу ҡояшлы, киләсәктәре атасаҡ алһыу таң төҫлө серле лә, ымһындырғыс та. Йәшлек кенә шулай вайымһыҙ-күңелсәк, шаталаҡ-хыялый була торғандыр… Шәүрәләрҙең өйөн үҙенкеләй күреп, эҫенеп бөткән инде Гөлназ. Әсәһен дә үҙенекеләй күреп ярата, апай-ағайҙарын да яҡындан белеп, яҡын күреп бөткән. Шуға күрә, килеп инеүҙән һәр береһе менән йылмайып ҡына иҫәнләште лә, башҡаларға ҡушылып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ туй мәшәҡәтенә сумды. Бер-береһен апайҙарынан да яҡын күреп, өҙөлөп яратҡан әхирәттәр һирәктер. Әммә Гөлназ менән Шәүрә тап шундайҙар иҫәбенә инә. Ҡарап тороуға икеһе ике төрлө кеше инде былай, тик бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, башҡаларҙан дуҫын көнләшеп-ҡыҙғанып яраталар. Килеп сыҡһа, бер үк ергә институтҡа уҡырға инергә, бер ҡалала йәшәргә хыялландылар. Ләкин мәктәптә уҡығанда ҡорған матур хыялдары бойомға ашманы. Төрлө ҡалаларҙа институт бөттөләр, хәҙер инде юлдары бөтөнләй айырылырға тора: Шәүрә Ҡаҙағстанға кейәүгә сығып китһә, ҡасан күрешерҙәр? Әлегә ҡыҙҙарға ул турала уйларға форсат теймәй, ул-был йомош менән тыз-быз сабышалар. Ара-тирә генә Шәүрә әхирәтенә бер-ике һүҙ әйтеп, ҡунағының хәтерен ҡалдырмаҫҡа булалыр, хәбәр ҡушып китә. - Күптән хыялланған кейәүеңде күрәһең инде, - ти Шәүрә ихлас йылмайып.- Тик әллә ниндәй баһадир кәүҙәле, кәртинкә шикелле матур тип уйлама. Һинең менән минең ише ябай бер әҙәм. Гөлназ дуҫының буласаҡ кейәүе Әмирҙе күргәне юҡ әле. Нисәмә йылдар, бала саҡтан дуҫлашып йөрөһәләр ҙә, Әмир менән Шәүрәне бергә күргәне юҡ Гөлназ. Шәүрә һынлы Шәүрәнең йылдар буйы ауыҙ һыуы ҡороп һөйләрлек, бер егеткә лә күҙ һалмай тик Әмир тип кенә йәшәрлек иткәс, ябай ғына түгелдер. Шәүрәнең үҙенә генә ҡарағыҙ һуң - тамылйып бешкән ҡарағаттай сөм-ҡара күҙҙәренә генә ҡарағыҙ - башҡа ҡыҙҙар күҙегеҙгә лә салынмаҫ! Ниндәй генә егеттең күңеле тертләмәй икән эргәһенән Шәүрә үткәндә?! Гөлназ, бәхетенән балҡып-нурланып, осоп йөрөгән дуҫына һоҡланып, яратып ҡарай. Шәүрә кеүек ҡыҙҙы ла яратмағас, кемде яратмаҡ кәрәк! Нимә тип кенә минең ише ямаҡай ғына ҡыҙ менән дуҫлашҡан булалыр инде был Шәүрәкәй? Унан үҙ уйынан үҙе көлөп ҡуя - эш матурлыҡтамы ни?! Әмир - ябай ғына, башҡаларҙан әллә ни айырылып тормаған уртаса буйлы егет. Оҙонса танауына эләктәргән күҙлеге генә уға бер аҙ серлелек, зыялылыҡ өҫтәй кеүек. Уның ҡарауы, кейәү үңгәреүе тәү күреүҙән ҡатын-ҡыҙҙың һушын алды. Оҙон мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, ҡап-ҡара күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп, тишә ҡарап торған был егет үҙебеҙҙең башҡорт тип уйлағайнылар, ул Ҡаҙағстандан килгән берҙән-бер ҡаҙаҡ егете Арғынбай имеш. ЗАГС-ҡа күрше ауылға барҙылар. Бер-бер артлы теҙелешкән еңел автомобилдәр саң туҙҙырып ялан юлынан елдереп килделәр ҙә, ял итергә шишмә янына туҡтанылар. Шәүрә менән Әмир, әле генә законлы рәүештә ир менән ҡатын булышҡан йәштәр, ташып барған хистәрен кеше күҙенән йәшерә була, башҡаларҙан ситкәрәк киттеләр. Бына Әмир ҡаҡса кәүҙәле кәләшен еңел генә күтәреп бер нисә мәртәбә өйрөлтөп, татлы ирендәренән һурып үпкәс, эргәләге сауҡалыҡҡа ыңғайланы. Кейәүенең муйынынан ҡосаҡлаған Шәүрә, яурынана башын һалып, ҡолағына ниҙер бышылданы ла, сылтыратып көлөп ебәрҙе. Әмир, кәләшенең һүҙе һәм көлөүенә яуап итеп, сәстәренән, ҡолаҡ остарынан үпте. Дуҫына яратып, һоҡланып-көнләшеп, һағыш менән ҡарап торған ҡыҙ эргәһенә Арғынбай килде. - Шунан, йәштәрҙең бәхетенә көнләшәһеңме? - Көнләшмәҫлекме һуү? Ғүмер буйы ошолай бәхетле, мөхәббәтле генә булһындар инде. - Теләйһеңме, мин дә һине шулай бәхеттең етенсе ҡатына алып менәм? – Арғынбай телгә бөткән нәмә икән, Гөлназдың ҡулынан тотоп та алды. - Йә, нисек итеп? - Урлайым да, алып ҡасам. Гөлназ рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе: - Рәхим ит. - Уға был сая, күҙе янып торған шаян ҡаҙаҡ егете бик оҡшаны. Гөлназ ҡулын егеттән тартып алып, шишмә яғына ыңғайланы, - һыуҙан ауыҙ итер кәрәк, шишмә үпкәләр. Әммә Арғынбай тиҙ генә табышын ысҡындыра торғандарҙан түгел ине, шунда уҡ ҡыҙҙы ҡыуып етте. Гөлназ услап һыу алғайны, егет етеҙ генә уның усын ҡыҫып, ҡыҙҙың ҡулдарынан һыу эсте. Унан эйелеп, үҙенең ҙур устарына тап-таҙа шишмә һыуын һоҫто ла, Гөлназға эсерҙе. Егеттәрҙең әле былай итеп ҡарағандары, бөтөн кеше алдында үҙенә генә шундай айырым яғымлы иғтибарға өйрәнмәгән ҡыҙыҡай, үҙен шундай сибәр, бәхетле итеп тойҙо. Тирә-яғына күҙ һалды: кемдер сәскә йыя, кемдәрҙер шаулашып-көлөшөп фотоға төшә, бер төркөм егеттәр менән ҡыҙҙар сыр-сыу килешеп, һыу һибешеп йөрөйҙәр. - Ниңә һин гел ул “ҡартлас” менән йөрөйһөң? – Арғынбай Шәүрәнең ағаһы Әҡсәнгә ымланы. - Ул минең ағайым. - Бер туғанмы ни? - Эйе. - Алдашма. Бер туған ағайҙар һеңлеләренә улай мөкиббән китеп, яратып ҡарамайҙар. Үлә яҙып ғашиҡ булған ул һиңә. Ҡартайған көнөндә. Гөлназ уңайһыҙланып китте: ғаиләле, бала-сағалы Әҡсән ағайҙы ул бик ихтирам итә. Уның шулай туғандарса мөнәсәбәтен икенсегә бороуҙы ул аңлап етмәне. - Ҡартлас тимә. Ул бына тигән егеттәреңә алыштырғыһыҙ, ни бары утыҙҙы үткән, ҡырҡҡа етмәгән ир-уҙаман. Етмәһә, Әҡсән ағай бик һәйбәт кеше. - Барыбер һинең өсөн ҡарт. Үҙе тураһында гәпләшкәнде ишеткәндәй, Әҡсән улар яғына ыңғайланы. - Әйҙә, Гөлназ һылыу, ҡайтабыҙ. - Әҡсән машинаһына үҙенең эргәһенә Гөлназды, артҡы урындарға һеңлеһе Шәүрә менән Әмир кейәүен ултыртып, иң алдан ҡайтыр юлға төштө. - Һин был ҡаҙаҡ менән уяу бул, бигерәк йылмаяҡ күренә, - тип киҫәтте ул ҡыҙҙы шым ғына. Гөлназ көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Ә үҙенең йөрәге, осорға әҙерләнгәндәй, леп-леп талпына, ҡайҙалыр ашҡына ине. *** …Табын артындағы һөйләшеүгә ситтән күҙ һалған кеше аптырар ҙа ине, бәлки: башҡортсаһы, урыҫсаһы, ҡаҙаҡсаһы бергә буталғайны. Кәләш менән кейәү - оҙон өҫтәлдең башында, барлыҡ ҡунаҡтарға ла күренерлек урында ултыралар. Гөлназ әхирәтенә, килешле, нәзәҡәтле туй күлдәгенә, бер аҙ бөҙрәләтеп яурындарына төшөргән ҡуңыр сәстәренә беркетелгән ап-аҡ кескенә яһалма сәскәләргә, бәхетле йылмайған аҡыллы сабыр күҙҙәренә яратып ҡараны. Былай саҡта ла, буянмаған-бөҙәнмәгән көйө лә матур Шәүрә, әле иҫ китмәле сибәр! “ Минең дә шулай туй күлдәге кейер көнөм ҡасан етер, бәхеттән башы әйләнеп, ҡулына алтын балдаҡ кейҙерерме берәү?” -тип уйланы Гөлназ. Тәүге бокалдарҙы күтәреп, салат-маҙарҙы ауыҙ иткәс, йәштәргә бүләк биреүҙәр, ҡотлауҙар башланды. Телдәр асылып, аҙ ғына ҡыҙмаса булып алған ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар кемуҙарҙан теләктәрен әйтеп ҡалырға тырышты. Бер үк һүҙҙе һәр береһе тиерлек ҡабатлаһа ла, уларҙы итхлас тыңлаған кеүек ултырыусы Шәүрә менән Әмирҙән башҡалар шаулаша, шыбырҙап һөйләшә, ир-ат рюмкаларын әлдән-әле бушатып ҡына торҙо. Бына һүҙ йәш-елкенсәккә лә етте. Исмаһам, береһе ҡалыплашмаған матур теләк әйтһәсе, һаман бер үк һүҙҙе тылҡыуҙан бушамайҙар. Их, башҡасараҡ, көн дә ишетмәгәнерәк берәй теләк әйтергә ине, тип уйланы Гөлназ. Ул арала ҡыҙҙың эргәһендә ултырған Әҡсәнгә лә сират етте. Ул оҙаҡҡа һуҙмай ғына, бүләккә бер һарыҡ, тине лә, кире ултыра һалды. Һүҙҙе Гөлназға бирҙеләр. - Ҡәҙерле Шәүрә дуҫҡайым, Әмир! - тине ҡыҙ тулҡынланыуҙан ҡалтыранған тауышын күтәрә биреп. Бер үк тонда мығырҙап ҡына әйтелгән теләктәрҙән һуң, дикторҙыҡы кеүек һәйбәт ҡуйылған матур дикциялы сағыу тауышҡа ҡапыл һәммәһе лә шымып, баштарын Гөлназ яғына борҙолар. – Ҡабат-ҡабат әйтелгән теләктәргә мин дә ҡушылам. Һәм… Тормош күгендә ҡағынған Пар күгәрсен икегеҙ. Бер-берегеҙгә терәк булып, Тигеҙ ғүмер итегеҙ. Һеҙ саҡырғас, беҙ ҙә килдек, Ҡотло булһын туйығыҙ, Тормош туйҙан ғына тормай Уртаҡ булһын уйығыҙ! Эйе, тормош – туй түгел. Ауырлыҡтары ла, күҙ йәштәре лә осрар. Шул саҡта бер-берегеҙҙе аңлап, ҡулға-ҡул тотоношоп еңә алһағыҙ ине тормош кәртәләрен. Ир-егеттең көслө беләге лә, ҡатын-ҡыҙҙың нескә иңдәре лә күп ауырлыҡтарҙы еңә алырлыҡ ул. Әле бына Шәүрә беҙҙең алдыбыҙҙа сәскә һымаҡ балҡып ултыра. Ун, егерме, утыҙ йылдан һуң осрашһаҡ та, ул шулай һылыу булып ҡалһын ине. Ә был, Әмир, тик һинән генә тора. Сәскә кеүек матур ғүмер итегеҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яман аҙымдарҙан, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән яҡлағыҙ. Минең теләгем ошо - һөйөгөҙ, һөйөлөгөҙ. Ғүмерегеҙ бәхетле, ә бәхетегеҙ ғүмерлек булһын! Теләген әйтеп, Шәүрә менән Әмирҙең сикәләренән үпкәс тә, халыҡ бер аҙ тын ҡалды. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһе барып етмәгәндәй бер аҙ тынлыҡтан һуң, ҡайһылыр ҡоҙаның: - Ну, шәп әйтте бит әй! Теленә тилсә йоҡмағыры! – тип ҡуйыуы рөхсәт биргәндәй, бөтөнөһө шау-гөр килешеп ҡул сабырға тотондо. - Һай афарин икән дә был ҡыҙ! - Уҡыған кешегә оҡшаған. - Телевизорҙан һөйләйме ни, еппәрә генә бит , ә! Гөлназдан һуң ҡотлаған йәштәрҙе тыңламанылар ҙа тиерлек. Улар ҙа бындай күркәм, йөрәктән сыҡҡан ихлас теләктән һуң баҙап ҡалғайнылар, беҙ ҙә ҡушылабыҙ, кеүегерәк һүҙҙәр әйтеп, бүләктәрен тапшыра һалып, кеше күҙенән ҡасыу яғын ҡарынлар. Гөлназ эргәһен килеп ултырғас, Әҡсән ағай ҙа ҡыҙҙың арҡаһынан тупылдатып һөйөп ҡуйҙы. - Афарин, һеңлекәш, филологтарҙың бәҫен төшөрмәнең! Әллә уҡығанда һеҙҙе тост әйтергә лә өйрәтәлрме? - тип шаяртып йылмайҙы. - Әйҙә, ашап ултыр, оялма. – Ул ҡыҙҙың алдына йәшелсә салатын, ҡыҙҙырылған тауыҡ ботон алып һалды. - Музыка ҡуйғас, йәш-елкенсәк дәррәү бейергә төштө. Ситтән килгән Гөлназ һаман үҙлегеп китә алмай ятһыраңҡырап, урынында ҡалғайны, Әҡсән ағай уны вальс бейергә алып төштө. - Эй, матур әйттең Гөлназ,- тине ул ҡыҙға һоҡланып ҡарап., тегеһе йылмайып ҡына ҡуйҙы. - Нишләп еңгәй күренмәй, әллә яңғыҙ ғына килдеңме туйға? Комплиментҡа бындай яуап Әҡсәндең сикәҙенә һуҡҡандай тәьҫир итте, урыныңды бел, һин кем дә, мин кем, тигәйндәй тойолдо. - Килмәне, ауырып тора. Шуға күрә бөгөн мин һине үҙем ухаживать итәсәкмен. Гөлназға ҡыйын булып китте. Ауырыу ҡатынын ташлап, туйға килгән ирҙе ғәйепләп ҡараны. Үҙе лә ҡатыны менән өйҙә генә ултырһа ярар ине, тигән уй үтте башынан. Хәйер, бер туған иң кесе һеңлеһенең туйына килмәй ҙә ярамайҙыр. Шәүрәнең иң өлкән ағаһы Әҡсән утыҙ биш-утыҙ алты йәштәрҙә. Элек килгәндәрендә лә йыш ҡына күргеләне уны Гөлназ, бер-бер артлы үҫеп килеүсе ике улы ла тап үҙе кеүек төптән ныҡ, сымыры малайҙар. Был көндө Әҡсән Гөлназдан бер аҙым да китмәне. Әлдән-әле бер туҡтауһыҙ йылмайып, йә бер, йә икенсе ҡыҙ менән бейегән Арғынбайға ҡарай ҙа, күңеле кителә ҡыҙҙың. “Тик мине генә саҡырманы бейергә, моғайын, Әҡсән ағайҙың кәләше, йә ыстағәфирулла, һөйәркәһе тип уйлайҙыр әле”. Гөлназдың уйын уҡығандай, тып итеп ҡаршыһына иклеп тә баҫты тегеһе. - Әйҙә, - Арғынбай рөхсәт һорап та тормай, ҡыҙҙы көй ыңғайына өйрөлтөп алып та китте. Шәп бейей, ҡәһәрең. Тулҡынланыуҙан, һөйөнөсөнән Гөлнадың йөрәге дөпөлдәп тибә. Үҙе яңылышып ҡуймайып тип, егеттең һәр теүәл башҡарған хәрәкәтенә эйәрергә тырыша. Етеҙ бейең көйө башланғас та, егет ҡыҙҙың ҡулын ысҡындырмай ғына туҡтаны ла: -Йөрөп киләйекме? – тип тәҡдим итте. Гөлназ ҡыуанып ризалашты. Берҙән бейеп талсыҡһа, икенсенән үҙҙәренә төбәлгән ҡараштарҙан ялҡҡайны, һәм иң мөһиме, үҙенә оҡшаҡан егет менән икәүҙән-икәү ҡалырға теләү тойғоһо ла бик көслө ине. Урамға сыҡтылар. Шәүрәләрҙең өйө тар ғына тыҡрыҡтың ос яғында. Ике-өс өй үтеүгә ауылды сыҡтылар ҙа. Ҡыҙыҡ ултырған был ауыл: өйҙәр, арҡаларын ел-дауылдан һаҡлағандай, урманға терәгәндәр. Ҡалҡыулыҡтан ауылдың был яғы бик яҡшы күренә: ике тыҡрыҡ бер оло урамға бер-бер артлы килеп терәлгән ерҙә ҙур булмаған клуб һәм мәктәп урынлашҡан. Уларҙың ҡыйығындағы флаг ауылға бер йәм биреп елберҙәй. Көн кискә ауышып килә, бар кеше урамда - көтөү ҡаршыларға сыҡҡандар. Улар кеше күҙенән йырағыраҡ ҡасырға тырышып, өйҙәр аръяғына эре ҡайынлы сауҡалыҡҡа ыңғайланы. Япраҡтары елгә елберҙәп, сер һөйләшкән ҡар ҡайынлыҡҡа ингәс, туҡтап ҡалдылар: алдарында ҡып-ҡыҙыл еләк тубырлашып ята. Улар эйелеп еләк сүпләй башланы. Ара-тирә бер-береһенә ҡарашып, йылмайышып алалар. Устары тулғас, аяҡтарын һуҙып, ян-яҡҡа тарбайып үҫкән ҡарт ҡайын төбөнә йәнәш ултырҙылар. Матур итеп тәрбиләнгән, оҙон тырнаҡлы бармағына еләк эләктереп, ауыҙына яҡынайтҡан ҡыҙҙың ҡына ҡулынан ҡапыл үрелеп Арғынбай ҡапты. Гөлназ көлөп ҡуйҙы ла, егеттең ҡулындағы еләккә үрелде. Арғынбай ҙа юғалып ҡалманы, йәһәт кенә ҡуҙғалып шылды ла, йөҙөнән күҙен алмай, ҡыҙҙың аяғына ултырҙы. Бер-береһенә услап шишмә һыуы эсергәндәге шикелле берәмләп еләк менән һыйларға керештеләр. Егет ҡыҙға ҡаптыра, ҡыҙ - егеткә. Шул хәтлем рәхәт, күңелле ине Гөлназға. Туйға килгәне бирле үҙен әкиәттәге принцесса, йә Золушка һымаҡ хис итә ул. Арғынбайҙың өҙҙөрөп ҡарауынан да, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың уның ҡотлау телмәренән һуң нисектер үҙенә ҙурлап, хөрмәтләп ҡарауынан үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй, ҡанатланғандай тоя. Шулай донъяларын онотоп, еләк менән һыйланып ултырып, яндарына килеп баҫҡан Әҡсән ағайҙы ла күрмәгәндәр. - Бына ҡайҙа икәнһегеҙ! - тине ул ни өсөндөр асыуланғандай. Арғынбай ҡулындағы еләген Гөлназдың усына бушатып, яй ғына урынынан ҡалҡынды. Уның артынан, гонаһ ҡылғанда тотолғандай уңайһыҙланып, Гөлназ тороп баҫты. Һул ҡулы менән итәктәрен ҡағыштырҙы. - Әйҙә, ҡайттыҡ,- тине Әҡсән ағай ҡыҙға тишерҙәй итеп ҡарап. - Кем менән килгән, шуның менән ҡайта, - тип яуапланы Арғынбай, ҡулын кеҫәһенә тығып. - Мин һиңә өндәшмәйем, ҡыҫылма. Әйҙә, һылыу,- Әҡсән ҡыҙҙы етәкләп алды. - Ә һин бында кем әле, командалыҡ итергә?!- Арғынбай уларҙың юлына арҡыры төштө. Ҡулы кеҫәлә, ҡарашы менән ашарҙай булып текәлгән ул ҡаршыһындағы иргә. - Мин уның ағаһы! – “Ағаһы” һүҙенә баҫым яһап, ижекләп әйтте Әҡсән. - Беләбеҙ ниндәй ағаһы икәнеңде! Ҡулыңдан килһә, тотоп… Тик емеш һинең өсөн түгел, ҡартлас! - мыҫҡыллы ине Арғынбайҙың һүҙҙәре, йәш айырмаһын иҫләтеп, ҡартлас, тип әйтеүе йәнде көйҙөргәс итәғәтһеҙ яңғыраны. Әҡсән көтмәгәндә Гөлназды ситкә этеп ебәрҙе лә, бар көсөнә мыҫҡыллы йылмайып торған егеттең сикәһенә һуҡты. Уны-быны көтмәгән Арғынбай мәтәлләп китте. Ләкин, тейен етеҙлегендә ырғып тороп, Әҡсәнгә йәбеште. Бер-береһенең яғаһынан алған ирҙәрҙең араһына инеп, айырмаҡ булды Гөлназ. - Етәр инде, кеше көлдөрмәгеҙ. Арғынбай, ҡуй. Әҡсән ағай, бушҡа бәйләнәһең! - тип әле тегеһенә, әле быныһына йәбеште. Әммә ул тартҡыслап та айыра армағас, күҙ йәшенә төйөлөп, усындағы еләген ергә һирпте лә, шәп-шәп атлап ҡайтып китте. Күп тә үтмәй, артынан йүгереп ҡыуып етте “көҙгө әтәстәр”. - Беҙ һуғышмайбыҙ, Гөлназ. Тик… әйт: шул йылмаяҡмы әллә …? - Их һеҙ, ахмаҡтар!- тине Гөлназ Әҡсән ағайға йән асыуы менән,- мине һаҡлағансы, ҡатыныңды ҡайтып ҡара. Үҙәге өҙөлгәндәй баҫып ҡалды Әҡсән. Үҙенән алыҫайған һылыуға һәм ҡанаған танауын ҡулъяулығына һөртә-һөртә китеп барған егеткә ҡарап йәне көйҙө. “Их һин, йүләр ҡыҙыҡай, ҡаҙаҡ күрһәтер әле күрмәгәнеңде. Тик һуң булмаһа ярар ине. Ниңә шул ҡәҙәр һуҡырһыңдыр, Гөлназ!” - тип уйланы ул, сүгәләп ергә ултырҙа ла, тәмәке артынан тәмәке тартты. Әҡсәнгә үс итеп, бынан ары Арғынбай Гөлназдан бер аҙым да ситкә китмәне. Гөлназдың Әҡсән ағайға бик хәтере ҡалғайны, уны күрһә лә, күрмәмешкә һалышты, өндәшһә, ишетмәмеш булды. Әхирәтенең нимәгәлер кәйефе кителгәнен күреп, бер-ике тапҡыр килеп китергә форсат тапты Шәүрә. - Ни булды. Дуҫҡайым?- тине ул биленән ҡосаҡлап. - Бер ни ҙә юҡ, арытҡан, - тип йылмайырға маташты тегеһе. - Алдама, алдама, -әхирәте Гөлназды баштан-аяҡ ҡарап сыҡты,- мин һине үтәнән-үтә күрәм. Бөгөн һин супер! Шундай матурһың, әллә егеттәр һуғыштырып йөрөйһөңмө?! – Шаяртам тип, тап өҫтөнә баҫҡанын үҙе лә белмәне Шәүрә. – Ана, ҡара, баянан бирле нисәмә егет һинән күҙен дә алмай. … Эңер төшкәс, гармунға ҡушылып йырлай-йырлай, йәш-елкенсәк клубҡа йүнәлде. Арғынбай, кеше күплектән файҙаланып, һиҙҙермәй генә Гөлназды ҡосаҡланы ла, төн ҡараңғылығына әйҙәне. Ҡосаҡлашып, юҡ-бар хәбәр һөйләшеп, бар урамдарҙы ла урап сыҡтылар. - Арыттырҙы, - Арғынбай эйелеп ҡыҙҙың сәстәренән үпте. - Әйҙә, бая өҙөлгән матур осрашыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. - Ҡыҙ өнһөҙ ризалашты. Улар еләк менән һыйланған ҡарт ҡайын яғына ыңғайланы. Урманға ингәс тә ниңдәйҙер шомло ла, серле лә тынлыҡ уратып алды. Киске һиллек. Ара-тирә сиңеркә сырылдап ҡуя, япраҡ ҡыштырҙай. Күк йөҙөндәге яңғыҙ ай менән иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар туй тантанаһына ҡушылып бейешә, бәхетле кис теләй төҫлө. Арғынбай ҡыҙҙы үҙенә ҡарай әйләндереп, һаҡ ҡына битенән, сәстәренән, муйынынан үбергә тотондо. Ҡыҙ ҡаршылашманы, киреһенсә, егеттең муйынынан ҡосаҡлап, бар кәүҙәһе менән уға һыйынды. Егеттең үбеүе торған һайын нығыраҡ, талапсаныраҡ була барҙы. Гөлназдың башы әйләнде, бар донъя өйөрөлөргә тотондо. Егеттең үбеүе шулай тәьҫир итәме, сихри кисме, шапман шарабымы? Бәлки бөтөнөһө лә бергә буталғандыр… Баяғы эләгешеүҙәренән Әҡсән ағайға үс итеп, бер бокалды төп күтәреп ҡуйғайны шул. Тәүҙәрәк һөйләшеп ултырғандарында Әҡсән: “Мин үҙем бик һирәк, бына ошондай байрамдарҙа ғына бер аҙ ҡапҡылайым, ә ҡатын-ҡыҙҙың эскәнен бөтөнләй өнәмәйем һәм аңламайым,”- тигәс, унда-бына шампандән уртлап ултырған ҡыҙ ныҡ уңайһыҙланғайны. Ә “көҙгө әтәстәрҙең” икеһенә лә йәне көйгәс, үҙенә хужа булырға маташҡан ғаиләле иргә юрый үсләшеп, Әҡсән ағай уға ҡараған мәлде тап итеп кенә, бөткәнсе эсте лә ҡуйҙы. Тамаҡ төбөн көйҙөрөп, күҙенә йәш тығылһа ла, һиҙҙермәне. “Эскәнде яратмаһаң ни, яратма. Һинең өнәү-өнәмәүең миңә бер тин”,- тип әйтеүе ине үҙенсә. Ҡыҙҙың ризалығы, тәжрибәһеҙлеге, үҙенә ылығып тороуы Арғынбайҙың дәртен артырҙы ғына. Ул, бер ҡулы менән ҡыҙҙы ҡыҫып ҡосаҡлап, икенсеһе менән күнегелгәнсә төймәләренең һиҙәптәрен ысҡындырҙы… Яратыуҙан да бигерәк егеттең йәне үс талап итеүен Гөлназдың күңеле һиҙмәй ине шул. “Ҡарарбыҙ әле, ҡартлас, ҡыҙғанған “һеңлең” кемдеке булыр икән, һинекеме, минекеме. Һин уйлағанса уҡ сафмы, һаҡларлыҡмы? Әллә беҙ үтәһе бураҙнаны башҡалар күптән ярғанмы?” Ошондай уй менән ҡаҙаҡ егете Гөлназды ҡуйы үлән өҫтөнә сүгәләтте… … Кеше-ҡара күрмәҫ борон тип, Арғынбай менән һөйләшкәндән һуң, Гөлназ сумкаһын ғына эләктерҙе лә тура автобус туҡталышына сығып китте. - Ҡайһылай оят! Оят! - тип һыҡтаны күңеле. Күпме хыялланған тәүге никах төнөн ниндәйҙер бер үткенсе өсөн булыуы уның бәғерен телгеләне. – Ниндәй түбәнлек! Ә Әҡсән ағай бит иҫкәрткәйне… Бөләңгерт кенә яҡтылыҡта ул, бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамайынса ғына автобус салонына үтеп, иң артҡа барып ултырҙы. Бите буйлап үкенесле күҙ йәштәре тәгәрәне лә тәгәрәне… **** Тап ярты йылдан, Яңы йыл төнөнә бер көн ҡалғас, эҙләп тапты уны бәхете. Өфө ятаҡханаларының береһенә ашығып ингән ҡыҙҙы таныш тауыш ергә ҡаҙаҡланы. - Гөлназ! Ҡыҙ үҙ ҡолағына ышанмай, яй ғына артына боролдо. - Гөлназ, һаумы? - Һаумыһығыҙ. Ул ҡыҙ эргәһенә килде лә, бер аҙым етмәй туҡталды: - Хәлдәрең нисек, Гөлназ? - Зарланырлыҡ түгел. - Ә минең …зарланырлыҡ. Ҡатыным вафат булды. Гөлназ тертләне, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй әле бармаҡтарын шартлатты, әле сәстәрен уралтып торҙо. Нимә әйтергә, ҡайғыңды уртаҡлашам тиергәме? - Э-э, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. - Рәхмәт. Ә ни өсөн һорамайһың? - Нимәне? - Ни өсөн үлгәнен? - Белмәйем. - Уның яман шеш - рак ине бит. Ике йылдан ашыу түшәктә ятты. Ҡайҙа ғына алып барманым, Ҡара диңгеҙгә лә, Балтикаға ла. Ниндәй генә докторҙарға, профессорҙарға күрһәтмәнем. Һәм… бөтәһе лә бушҡа ғына. Гөлназ өндәшмәне. Хәйер, нимә тип әйтергә, нидәй һүҙҙәр табып йыуатырға? - Туйға барғаныма үкенеп бөтә алманым. Сөнки Шәүрәләрҙең туйынан һуң ике көндән үтте. Һуңғы көндәрендә эргәһенән китмәй ултырмағаныма үкенәм, ниңәлер шул туйға бармаһам, әле тере булыр һымаҡ… - Мин дә үкенәм ул туйға барғаныма,- ҡапыл теленән ысҡынған был һүҙҙәргә Гөлназ үҙе лә аптырап китте. Туй ғәйеплеме ни үҙенең башы булмағас?! - Аңлайым.- Ул ҡыҙҙың күҙҙәренә тура ҡараны. - Юҡ. Аңламайһығыҙ, сөнки нимә булғанын һеҙ бит белмәйһегеҙ. - Гөлназ ҡарашын ситкә алды, тамағына тығылған төйөрҙө көскә йотто. -Белмәйем, белмәһәм дә аңлайым, һылыу. Һин иртә менән берәүҙең дә күҙенә салынмай, хатта Шәүрә менән дә хушлашмай ҡайтып киткәс , мин һәммәһен дә аңланым. Гөлназ йәш аралаш мыҫҡыллы йылмайҙы: - Ҡыуанғанһығыҙҙыр ине, Әҡсән ағай. Иҫкәртеүегеҙ дөрөҫкә сыҡты бит. - Әммә Әҡсән ҡыҙҙың һүҙҙәрендәге сарказмға иғтибар итмәне. - Кеше яҙмышынан көлөргә мин иҫәр түгел, Гөлназ. Тик ул саҡта үҙемдең дә ҡайғым баштан ашҡан ине шул. Сирле булһа ла, ул әсәй урынында булған икән. Ике улыма атай ҙа, әсәй ҙә булыуы ифрат ауыр. Ятаҡхана вестибюлендә тороусылар йәш ҡыҙ менән мөһабәт кәүҙәле ирҙең һөйләшеүенә ҡолаҡ һалып, шымып ҡалғандарын да һиҙмәне улар. - Гөлназ һылыу, мин һиңә килдем. Яңы йылды бергә ҡаршыларға. - Ҡайҙа? - Ауылда. Балалар менән бергә. Гөлназ бер мәлгә генә уйланғандай итте лә, тигеҙ аҡ тештәрен балҡытып, йылмайып ебәрҙе. Фото: avto.goodfon.ru Автор:"ҺӘНӘК" журналы Читайте нас в 1925-2020 «Һәнәк» Республика сатира һәм юмор журналының сайты. Сайт Республиканского журнала сатиры и юмора «Хэнэк» («Вилы»). Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 20 февраля 2017 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01584 Баш мөхәррир: Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова Телефон (347)292-77-60 Электрон почта [email protected] Адресы 450079, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13.
Башҡортостанда үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттарына ҡытлыҡ юҡ, тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 24 мартта уҙған брифингта. Республика дауаханаларында үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты 700-гә яҡын. Бынан тыш, ошо маҡсатта файҙаланыу өсөн портатив аппараттар, наркоз-тын алыу аппараттары бар. «Был етәрлек. Шуға күрә бында паникаға урын юҡ, — тип билдәләне министр. — Бынан тыш, республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, Башҡортостандың резерв фондынан өҫтәмә аҡса бүленде һәм тағы 20-ләгән аппарат һатып алына. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән илдең резерв фондынан Рәсәй төбәктәренә биш меңдән ашыу аппарат һатып алыу өсөн аҡса йүнәлтелде». Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә “сүп-сар реформаһы” тип йөрөтөлгән ҡалдыҡтарҙы йыйыу, уларҙы ҡайтанан эшкәртеү йәки күмеү өлкәһендәге дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлағайны.Программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендәге “Экология” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килгәйне. Был тәғәйенләнмәгән урындарҙағы сүплектәрҙең һәм тулған полигондарҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн атҡарылғайны.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин 2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә “сүп-сар реформаһы” тип йөрөтөлгән ҡалдыҡтарҙы йыйыу, уларҙы ҡайтанан эшкәртеү йәки күмеү өлкәһендәге дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлағайны. Программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендәге “Экология” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килгәйне. Был тәғәйенләнмәгән урындарҙағы сүплектәрҙең һәм тулған полигондарҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн атҡарылғайны. Ошо хәлде яҡшыртыу өсөн дәүләт ҡалдыҡтарҙы сортировкалау һәм ҡайтанан эшкәртеү өлкәһенә шәхси инвестицияларҙы йәлеп итергә ҡарар иткәйне. Шуға тотош илдә ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм үтилләштереү өсөн төбәк операторҙары селтәрҙәре барлыҡҡа килгәйне. Башҡортостанда ошондай дүрт оператор бар. Уларҙың береһе – “Эко-Сити” компанияһы. “Үҙебеҙҙең төбәктәге ауыл-ҡалаларҙа “сүп-сар реформаһы”на тиклем ҡалдыҡтар менән эш итеү тигән нәмә бөтөнләй юҡ ине. Шуға барыһын да нулдән башларға тура килде, – тип һөйләй “Эко-Сити” компанияһының башҡарма директоры Артем Кирәев. – Этап башында хеҙмәтләндерелгән биләмәлә ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм үтилләштереү буйынса инфраструктураны ойоштороу өсөн компанияға күп кенә аҡса сарыф итергә тура килде. Шулай итеп, бөгөн “Эко-Сити” үҙенең һәм шулай уҡ бурысҡа алынған бер миллиард һумға яҡын аҡсаны милли проектты тормошҡа ашырыуға йәлеп итте. Уларҙың 840 миллион һумы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалауға һәм күмеүгә тотонолдо. Шулай уҡ сүп-сарҙы сортировкалау һәм шунса уҡ ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу буйынса комплекстар төҙөүгә сарыф ителде. Ә 110 миллион һумға махсуслашҡан техника – автомобилдәр, контейнерҙар һәм башҡалар – һатып алынды”. Киләсәктә “Эко-Сити” был эшкә 2,5 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итмәксе. Компания полигондар булмаған райондарҙа сүп-сар бушатыу урындарын ойоштора башлаған да инде. Бөгөн Мәләүез районында полигон тамамланыу өҫтөндә. Бынан тыш, Баймаҡ районында экотехнопарк төҙөү планлаштырыла. Автомобилдәр паркы ла хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙе яҡшыртыу өсөн киңәйтеләсәк. Артем Кирәев белдереүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһының барлыҡҡа килеүе “Экология” милли проектын бойомға ашырыу ғына түгел, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ла булышлыҡ итәсәк. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Ниһайәт, Бөрө районы Кандаковка ауылы халҡының хыялы тормошҡа ашты. Уларҙың кранынан хәҙер таҙа һыу аға, тоҙло ҡушымталар юҡ, хатта был хәлгә үҙҙәре лә саҡ өйрәнеп килә. Таҙа эсәр һыуҙы улар ике йыл көттө бит. "Беҙгә һыуҙы ҡаланан, күрше ауылдан ташырға тура килде, - ти бында йәшәгән Снежана Пупышева. - Үҙебеҙҙәге хатта баҡсаға һибеү өсөн дә яраманы. Һипһәң, үҫемлектәр ап-аҡ төҫкә инә торғайны. Бөтә сәбәп – иҫке скважинала". Ауылдаштар тоҙло һыу сифатына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, социаль селтәрҙә республика етәксеһенә мөрәжәғәт итә. Үтенес “Инцидент-менеджмент” системаһына эләгә. Уларҙың һорауы иғтибарһыҙ ҡалмай, мәсьәлә өйрәнелә, яңы скважина ҡаҙыла, һыуға анализ яһала. "Ҡырҡ метр тәрәнлектәге яңы скважинаны биш көн ҡаҙҙыҡ. Иҫкергән һыу үткәргестәрҙе лә аҙаҡ алыштырырға тура киләсәк. Ауылдаштар хәҙер һыуҙы һаулыҡ өсөн хәүефләнмәй файҙалана", - ти Бөрө районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Гәрәев. Фото: Bash.News. Автор: Дина Арсланова Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Эльвира Захарова ике уҡыусыһы - Гөлназ Искәндәрова һәм Камилла Захарова менән Сочила ”Фәнгә старт” уҡыусыларҙың ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр VII халыҡ-ара конкурсынан ҡайтты. Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Эльвира Захарова ике уҡыусыһы - Гөлназ Искәндәрова һәм Камилла Захарова менән Сочила ”Фәнгә старт” уҡыусыларҙың ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр VII халыҡ-ара конкурсынан ҡайтты. Дүрт көн барған был сарала уҡытыусы үҙе лә “Мәктәптә белем биреүҙең заманса проблемалары” тип исемләнгән халыҡара ғилми-практик конференцияла ҡатнашып, доклад менән сығыш яһаны. Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы – Гөлназ Искәндәрова менән Камилла Захарованың берлектә башҡарған ғилми-тикшеренеү эше “Иҡтисад” номинацияһында 1-се урын яуланы. Уҡытыусыларының хеҙмәте лә юғары баһаланды, ул Рәсәйҙең тәбиғәт белеме академияһының дипломы, “Мәғарифтағы яңылыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. - Бик яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Көндәр ҙә шул тиклем матур булды. Төрлө төбәктәрҙән һәләтле, янып торған уҡыусылар, уҡытыусылар йыйылды, улар менән аралашыу файҙаға булды, - тип һөйләне Эльвира Ғариф ҡыҙы. Фото: https://vk.com/ilviramatyrkai Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.