text
stringlengths
433
77.6k
Республика кардиология үҙәгендә ауырлы ҡатындың йөрәгенә ҡатмарлы операция яһалды. Эш барышында рентген аппараты ҡулланмайынса йөрәк тибеүенең йышайыуын (тахикардия) операция ярҙамында бөтөрөүгә өлгәштеләр. Оҙаҡ йылдар дауамында тахикардиянан яфаланған ҡатындың хәле ауырлы саҡта тағы ла ҡатмарлаша. Шуға күрә уны кардиология үҙәгенә урынлаштыралар. Бүлексә мөдире Илдус Сәғитов үҙенең командаһы менән электрофизиологик тикшереү һәм радиойышлыҡлы катетерлы аблациялау үткәрә. Заманса технология ябыҡ йөрәктә минималь яралар менән операция яһарға мөмкинлек бирә. Бындай операциялар кардиология үҙәгендә 13 йыл дауамында яһала, йыл һайын 200-гә яҡын. Ғәҙәттә, операция башынан аҙағына тиклем рентген контроле аҫтында барырға тейеш, ә был юлы навигация системаһын ҡулланырға ҡарар ителде, сөнки әсә ҡарынындағы сабый сәләмәтлегенә зарар килеүе ихтимал ине. Операцияны компьютер экранында күҙәтеү ҡан тамырҙарының һәм йомшаҡ туҡымаларҙың зарарланмауына килтерҙе. Берҙәм команда бурыстарын һүҙ тейгеһеҙ итеп башҡарҙы, иртәгәһенә пациент өйөнә ҡайтып та китте! Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Автор: Дина Арсланова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2021 йылда дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул итеү тураһында иғлан итте. Сәнғәт һәм мәҙәниәт, милли, дәүләт-конфессия һәм ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәр өлкәһендә ижтимағи әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған йәмәғәт һәм дәүләт ойошмалары субсидия алырға хоҡуҡлы. Субсидияны республика бюджеты бирә, суммаһы күрһәтелмәй. Ғаризаны 2020 йылдың 1 авгусынан 1 сентябренә тиклем тапшырырға кәрәк. Документтар исемлеген һәм ғариза формаһын Министрлыҡ сайтында табырға мөмкин. Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу-методика үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурста еңеп сыҡты һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә субсидияға эйә булды.Авиация үҙәк тормошҡа ашырған проект республикалағы үҫмерҙәрҙең һәләтен асыуға һәм үҫтереүгә, йәштәр араһында авиацияны танытыуға, уның мөмкинлектәрен арттырыуға йүнәлтелә. Бында осоусы һөнәренә ҡыҙыҡһынған 100 кадет белем аласаҡ. Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-уҡытыу-методика үҙәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурста еңеп сыҡты һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә субсидияға эйә булды. Авиация үҙәк тормошҡа ашырған проект республикалағы үҫмерҙәрҙең һәләтен асыуға һәм үҫтереүгә, йәштәр араһында авиацияны танытыуға, уның мөмкинлектәрен арттырыуға йүнәлтелә. Бында осоусы һөнәренә ҡыҙыҡһынған 100 кадет белем аласаҡ. Мәғлүм булыуынса, быйыл августа проекттың тәүге этабы тормошҡа ашырылды. Башланғыс осоу әҙерлеге алып барылған М. Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан, Ишембайҙағы Башҡорт кадет корпусынан, Мәләүез индустриаль колледжы ҡарамағындағы Кадет корпусынан 100 үҫмер “Первушин” аэродромына йыйылып, тест үтте, пилот-инструктор уларҙы осош менән таныштырҙы. Кандидаттар араһынан 30 кеше һайлап алынды. Әле проекттың икенсе этабы старт алды. 30 кадет аэродромда осоу-танышыу практикаһында. Уның барышында йәштәр осош һәм һауа хоҡуғы, һауа суднолары, элемтә, навигация, авиация хәүефһеҙлеге һ.б. менән таныша. Өсөнсө этапта “Саванна” самолеттарында ике сәғәтлек осоу практикаһы үткәрелә. Сентябрь-октябрь айҙарында “Первушин” аэродромында кадеттар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар өсөн йомғаҡлау сараһы уҙғарыласаҡ. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
АҠШ-ҡа ҡайҙан хәүеф янай һәм уның менән нисек көрәшергә: АҠШ президентлығына кандидаттарҙың һуңғы өсөнсө телевизион бәхәсе тулыһынса тиерлек тышҡы сәйәсәткә бағышланғайны. Флоридалағы Линна университетындағы осрашыу алдағы икәүһе кеүек үк ҡаты ҡапма- ҡаршылыҡ менән айырылып торҙо, ҡайһы саҡ бер- береһенең шәхсиәтенә лә ҡағылырға ла күп һораманылар. Митт Ромни: ”Мин уны Усама бен Ладенды юҡ итеүе һәм “Әл- Ҡаиҙә” етәкселеген эҙәрлекләүе менән ҡотлайым. Әммә үлтерештәр арҡылы ғына хәлде яҡшыртып булмай. Беҙгә, ислам илдәрендәге һәм донъяның башҡа ерҙәрендәге көс ҡулланыуға нигеҙләнгән радикал экстремизмдан ҡотолоу өсөн, бөтөнөһөн эсенә алған ышаныслы стратегия кәрәк.” Барак Обама: “Губернатор Ромни, ”Әл- Ҡаиҙә“ хәүефен таныуығыҙ өсөн шатмын, сөнки бер нисә ай элек кенә “Америка өсөн төп геосәйәси хәүеф нимәлә?” тигән һорауға һеҙ “Рәсәй!” тип яуап биргәйнегеҙ. “Әл-Ҡаиҙә”түгел, ә Рәсәй. Һалҡын һуғыш 20 йыл элек тамамланды. Тышҡы сәйәсәткә килгәндә, миңә ҡалһа, һеҙ, губернатор, 80-се йылғы ҡараштарҙы ҡайтанан тергеҙергә маташаһығыҙ.” Митт Ромни: ”Миңә һөжүм- эшмәкәрлек планы түгел. Мине тәнҡитләп, һеҙ Яҡын Көнсығыш проблемаларын нисек хәл итеү, ошо региондағы мөмкинлектәрҙе файҙаланып, көс ҡулланыуҙы нисек туҡтатыу хаҡында әйтмәйһегеҙ.” Барак Обама: ”Тышҡы сәйәсәткә туранан- тура йоғонто яһарға мөмкинлегегеҙ булмағанын мин беләм, әммә әйткән һәр фекерегеҙ дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, “күпләп юҡ итеү ҡоралдары булмаһа ла, Иракка керергә кәрәк ине”,тинегеҙ.” Яҡын сәғәттәрҙә билдәле буласаҡ өсөнсө раунд һөҙөмтәләренең һайлауҙарға тәьҫире ҙур булыуы ихтимал. Әлегә ҡәҙәр телеалыштарҙа бер яҡ та еңмәне: тамашасыларҙың фекере буйынса, тәүҙә Митт Ромни өҫтөн булһа, икенсеһендә Барак Обама алға сыҡты. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Рәсәй Президенты Владимир Путин Курск өлкәһендә яҙыусы Даниил Гранинға арналған музей комплексын төҙөү башланғысын хупланы. Был тема уның Курск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Старовойт менән әңгәмәһендә күтәрелгәйне. Рәсәй Президенты, Гранин арҙаҡлы шәхес һәм бөйөк яҙыусы ине, уның мираҫын танытырға кәрәк, тип билдәләне. Роман Старовойт әйтеүенсә, музей комплексының ҡайҙа асыласағы билдәле – ул Граниндың тыуған ауылы булған ерҙә урынлашасаҡ. Курск өлкәһенең Рыльск районында төҙөлгән комплекста шулай уҡ бәләкәй сиркәү, яҙыусының әҙәби мираҫы менән танышыу һәм уҡыуҙар өсөн асыҡ майҙансыҡ булдырыласаҡ. Мәғлүм булыуынса, 2017 йылда Владимир Путин яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм уның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Прҽзидҽнты Владимир Путин хҽҙмәт баҙарындағы хәлдәр буйынса кәңәшмә ваҡытында Хҽҙмәт министрлығы башлығы Антон Котяковтың рәсәйлҽләр өсөн эшһҽҙлҽк буйынса минималь пособиҽ күләмҽн 1,5 мҽңдән 4,5 мҽң һумға тиклҽм арттырыу тураһындағы тәҡдимҽн хуплап сыҡты, тип хәбәр итәләр "Яңылыҡтар" мәғлүмәт агҽнтлығынан. "Мәшғүллҽк хҽҙмәтҽнә ярҙам һорап раҫланған килҽмдәрҽ, элҽккҽ эш урынында ҽтҽрлҽк эш стажы булмаған йәки эш урынында рәсми рәүҽштә бөтөнләй урынлашмаған граждандар мөрәжәғәт итә, ҡыҙғанысҡа күрә, бындай осраҡтар бар", - тинҽ Прҽзидҽнт. Уның әйтҽүҽнсә, бындай осраҡтарҙа 1,5 мҽң һум күләмҽндә минималь пособиҽ түләнә, әммә был бик аҙ. "Шуға күрә, әйҙәгҽҙ 1 майҙан минималь пособиҽ күләмҽн өс тапҡырға арттырайыҡ", - тигән Путин. Ул шулай уҡ был күләмдә пособиҽ 1 авгусҡа тиклҽм түләнәсәгҽн билдәләгән. Пособиҽның күләмҽн 4,5 мҽң һумға тиклҽм арттырырға хҽҙмәт министры Антон Котяков тәҡдим иткән. Уның билдәләүҽнсә, элҽк үҙҙәрҽ эш урындары булдырыусылар минималь пособиҽ алыусылар төркөмөнә эләккән. Коронавирус арҡаһында бизнҽсын япҡан шәхси эшҡыуарҙарға министр өс айға пособиҽны максималь күләмдә - 12130 һум түләргә тәҡдим иткән. "Яңылыҡтар" агҽнтлығы мәғлүмәттәрҽнән. Фото: Алҽксандр Авилов / АГН "Москва". Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
4 декабрҙә, Башҡортостан фермерҙары ковид-госпиталдәргә республикала үҫтерелгән йәшелсә һәм аҙыҡ-түлек тарата. Акция Башҡортостан Республикаһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты булышлығында уҙғарыла, тип хәбәр итте «Башинформ»ға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бөрө районындағы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Яков Кугубаев. Ул үҙе лә медицина учреждениеларына аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәтә. «Өфө, Бөрө һәм Дүртөйлө госпиталдәренә республикабыҙҙа үҫтерелгән 300 килограмм продукция ташыйбыҙ. Йәшелсәләрҙең дөйөм ауырлығы – 4 тоннанан ашыу. Беҙ уларҙы Бүздәк һәм Бөрө фермер хужалыҡтарынан йыйҙыҡ. Шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар һәм ярҙамға мохтаждар өсөн бер машина тәм-том, һут һатып алдыҡ. Быларҙың барыһын да үҙ аҡсама һатып алдым! Ярҙам итергә теләгегеҙ булһа, ҡушылығыҙ. Беҙ йыл һайын Бөрө һәм Дүртөйлө райондарының күп балалы ғаиләләренә бүләктәр алабыҙ, һеҙҙең ярҙам менән башҡа райондарҙың тәм-том яратыусыларын да ҡыуандырырбыҙ», — тип һөйләне Кугубаев. Шулай уҡ фермер март-август айҙарында Бөрө һәм Дүртөйлө райондарының мохтаж ғаиләләренә 300-ҙән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырған. Бөрө районының ирекмәндәр штабына 2000-дән күберәк шәхси һаҡланыу саралары һатып алған. https://www.bashinform.ru/news/1530289-fermery-bashkirii-napravili-4-tonny-ovoshchey-v-kovid-gospitali-respubliki/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов урып-йыйыу эштәре буйынса республика штабы ултырышын үткәрҙе. Сара видеоконференция режимында барҙы, унда, штабтың даими ағзаларынан тыш, район хакимиәттәренең ауыл хужалығы идаралығы етәкселәре лә ҡатнашты. Илшат Илдус улы тотороҡһоҙ һауа торошоноң баҫыуҙа тулы көскә эшләргә форсат бирмәүе хаҡында белдерҙе. Һуңғы арала ҡайһы бер хужалыҡтар ямғырҙың аҙ булыуын файҙаланып ҡалырға тырышһа ла, аяҙ көндәрҙең ҡәҙерен аңлап бөтмәгәндәр ҙә бар. – Был аҡланыу өсөн сәбәп булырға тейеш түгел. Көтөргә ярамай, яҡын көндәрҙә һауа торошо тағы ла боҙола, – тип иҫкәртте Илшат Фәзрахманов. Әлегә төбәктә 392 мең гектарҙа ужым һәм яҙғы культуралар йыйылған, йәғни планда ҡаралғандың сирек өлөшө. 677 мең тонна иген һуғып алынған, уңыш – гектарынан 20,2 центнер. Былтыр был осорҙа барлыҡ майҙандарҙың 33 проценты йыйылған булған, ә тулайым һуғып алыу 1046 мең тонна тәшкил иткән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Туған телде, милли йолаларҙы, тардицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында 3 декабрь Өфө ҡалаһында «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсы уҙасаҡ. Ошо уңайҙан йыл да үтеп килгән «Һылыуҡай-2020» матурлыҡ конкурсына кастинг иғлан ителде. Быйыл матурлыҡ бәйгеһе беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтәсәк. Гүзәллек бәйгеһендә кейәүгә сыҡмаған, балалары булмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған 16-нан 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Уларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүе, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, тәбиғи матурлығы, буйы 165 сантиметрҙан да кәм булмауы мөһим. 4 октябрь – көнсығыш (Межгорье ҡалаһы, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондары). Үткәреү урыны: Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы. Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, MTVmix каналы.
Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән Альбина Маточкина социаль селтәрҙә балаларҙың уйын майҙансығында ҡар күплегенә зарланған. Балаларға уйнарға урын булды Март һыуығы беҙҙе ташлап китергә йыйынмай әле. Ҡар ҙа ныҡлы ята, халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. 2 мартта Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән Альбина Маточкина социаль селтәрҙә балаларҙың уйын майҙансығында ҡар күплегенә зарланған. “Ҡариҙел йылғаһы ярындағы балалар майҙансығын бер нисек тә ҡарҙан таҙарта алмайҙар. Балаларға уйнарға урын юҡ, көрт буйлап йүгерәләр,”- тигән хәбәр “Инцидент-менеджмент” системаһына килеп эләкте. Беҙ Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә индек, эшкә йорттоң идарасы компанияһы - 68-се торлаҡ-эксплуатация идаралығы ҡушылды", - тиҙәр Республикаға идара итеү үҙәгендә. 4 мартта балалар майҙансығы ҡар-боҙҙан таҙартылған. 2022 йылдың 1 ғинуарынан 14 мартына тиклем Республикаға идара итеү үҙәге балалар һәм спорт майҙандарын ҡарҙан таҙартыу тураһында 43 хәбәр алған. Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа был темаға ни бары 18 хәбәр килгән. Балаларға уйнарға урын булды Автор:Дина Арсланова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
"Торатау" конгресс-холында ойошторолған сарала Федераль ҡаҙнасылыҡ һәм уның төбәк органдары, БП Финанс министрлығы һәм прокуратураһы вәкилдәре, республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡатнашты. Өфөлә ришүәтселеккә ҡаршы бөтә Рәсәй форумының II этабы уҙҙы Форум башында ришүәтселеккә ҡаршы плакат, буклет, видеотаҫмалар һәм сәхнә оҫталығы конкурстары йомғаҡланды. Унда өс йәш төркөмөндә 353 эш ҡатнашты. Суперфинал 2023 йылдың майында "Сириус" федераль биләмәһендә уҙасаҡ. Программа артабан «Ришүәтселеккә ҡаршы тороу: яңы саҡырыуҙар һәм үҫеш стратегияһы» темаһына конференция менән дауам итте . «Ришүәтселеккә ҡаршы көрәшкәндә дәүләт органдары һәм уларға ҡараған структуралар, йәмәғәт ойошмалары һәм граждандарҙың бергә эшләүе кәрәк. Беҙ шулайтып ҡына йәмғиәткә төп уйҙы - ришүәтселеккә ҡаршы көрәш һәр беребеҙҙең эске уйҙары һәм ҡылған ҡылыҡтары аша башлана тигәнде еткерә алабыҙ. Форумда конкурста ҡатнашыусылар был алама күренештең алама эҙемтәләрен, уға ҡаршы тороу мөмкинлеген күрһәтте. Замана йәштәренең әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм хоҡуҡ нормаларын ҡабул итеүен күреү ҡыуандыра», — тине был сара тураһында БР Башлығы хакимсиәте етәксеһе Максим Забелин.
Кисә Президент 15-се матбуғат конференцияһын үткәрҙе, унда йылға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә пландар тураһында һөйләне. Ул 4,5 сәғәт дауам итте, ләкин беҙ иң ҡыҙыҡлыһын бер нисә һөйләм менән әйтеп бирергә тырыштыҡ. - Иҡтисад һәм фәҡирлек тураһында Рәсәй иҡтисады тышҡы шаңҡыуҙарға яраҡлашты, ә һум тотороҡланды һәм нефттең хаҡына ныҡ бәйле түгел. Рәсәйҙә хәл ителергә тейешле төп мәсьәлә - фәҡирлеккә ҡаршы көрәш. Халыҡтың реаль килемен кәметеү проблемаһын хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм тулайым эске продуктты арттырыу ярҙамында хәл итергә кәрәк. - Сүп-сар реформаһы хаҡында Рәсәйҙә йылына 70 миллион тонна көнкүреш ҡалдығы йыйыла. Был бик күп. СССР-ҙа сүп-сарҙы эшкәртеү булманы, был тармаҡты беҙ нулдән башлайбыҙ. Хәҙер һоро схемаларҙан, криминалдан ҡотолорға, халыҡ менән күберәк аралашырға, уларҙың нимә өсөн түләгәнен аңлатырға кәрәк. Бынан тыш, сүп-сар эшкәртеүсе предприятилар һанын арттырыу зарур. - Глобаль йылыныу тураһында Бының ни өсөн шулай икәнен һәм кешегә нисек тәьҫир иткәнен бер кем дә аныҡ ҡына белмәй. Ләкин ни ҙә булһа эшләргә кәрәк. Рәсәй температураның күтәрелеү эҙемтәләрен кәметеү өсөн көс һаласаҡ. - Милли проекттар хаҡында Милли проекттар буйынса 38 маҡсаттың 26-һына ирешелгән. Ә авариялы торлаҡтан күсереү буйынса маҡсат 3 тапҡырға арттырып үтәлгән. Күрһәткестәрҙе ҡабаттан ҡарарға кәрәкмәй. Пенсия һәм пенсия реформаһы тураһында Киләһе йылда пенсия 6,6% арта. Бер ниндәй ҙә яңы пенсия реформаһы булмай. Допинг ғауғаһы һәм Рәсәй спорты хаҡында Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың Рәсәйҙе донъя спортынан сығарыу тураһында ҡарары ғәҙел түгел, ул бөтөнләй башҡа һыймай. Беҙҙе Олимпиадаға индермәнеләр, ә хәҙер шуның өсөн тағы яза бирәләр. Таҙа спортсылар интекмәһен өсөн допинг өсөн яза индивидуаль булырға тейеш. - Ирекле интернет тураһында Тышҡы яҡтан интернетты өҙөүҙән һаҡланыу өсөн суверенлыһы кәрәк. Беҙ интернетты ябырға уйламайбыҙ. - Һаулыҡ һаҡлау һәм табиптарҙың эш хаҡы тураһында Һаулыҡ һаҡлауҙа проблемалар бар, ләкин, дөйөм алғанда, ул нормаль үҫешә. Йәшәү өсөн мөһим һәм сит илдә етештерелгән препараттарҙы Рәсәй Федерацияһында теркәргә кәрәк, ләкин Рәсәй фармацевтикаһын үҫтереү тураһында оноторға ярамай. Табиптарҙың эш хаҡы башҡа социаль өлкәләргә ҡарағанда юғарыраҡ, әммә ғәҙел булмаған дифференциациянан ҡотолорға, окладтарҙы арттырырға һәм дәртләндереүсе түләүҙәргә берҙәм ҡараш индерергә кәрәк. - Өфөнән эскелеккә ҡаршы көрәш тураһында һорау Башинформ журналисы Азат Ғиззәтуллин Путиндан эскелеккә ҡаршы көрәш, шул иҫәптән Башҡортостанда күрелгән саралар хаҡында нимә уйлауын һораны. Суррогат һатыуға һәм эскелеккә ҡаршы көрәш бара, тик уны күрмәйҙәр, тип яуапланы президент. Халыҡҡа аңлатырға һәм аҙ градуслы продукцияға баҫым яһарға кәрәк. Полиция алымдарын ҡулланмайынса эшләргә. - Үҙенең президентлығы хаҡында Төп ҡаҙаныш - илдәге эске тотороҡло хәл. Иң насар ваҡиғалар - Бесланда һәм Норд-Остта булған теракттар. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Янғантау һәм Лаҡлы ауылдарында яңы уҡыу йылында мәктәп һәм балалар баҡсаларысафҡа индереләсәк. Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Әлфиә Кәримова хәбәр итеүенсә, Лаҡлыла мәктәп һәм балалар баҡсаһы бер бинала урынлашасаҡ. Мәктәп – 80, ә балалар баҡсаһы 40 урынлыҡ буласаҡ. Янғантау ауылында иһә 190 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.Әйткәндәй, 2020 йылға капиталь ремонт, матди-техник базаны нығытыуға һәм энергия һаҡлау сараларына республика ҡаҙнаһынан 946 миллион һум бүленгән.Бынан тыш, федераль бюджеттан 105 миллион һум аҡса йәлеп ителә. Янғантау һәм Лаҡлы ауылдарында яңы уҡыу йылында мәктәп һәм балалар баҡсалары сафҡа индереләсәк. Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Әлфиә Кәримова хәбәр итеүенсә, Лаҡлыла мәктәп һәм балалар баҡсаһы бер бинала урынлашасаҡ. Мәктәп – 80, ә балалар баҡсаһы 40 урынлыҡ буласаҡ. Янғантау ауылында иһә 190 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Әйткәндәй, 2020 йылға капиталь ремонт, матди-техник базаны нығытыуға һәм энергия һаҡлау сараларына республика ҡаҙнаһынан 946 миллион һум бүленгән.Бынан тыш, федераль бюджеттан 105 миллион һум аҡса йәлеп ителә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Беҙҙең Бөрйән егеттәре Ватанды һаҡлау тигән бурысын йылдар дауамында намыҫ менән үтәй, илһөйәрлек тигән аҫыл сифат йәш быуынға төрлө күркәм саралар, матур кешеләр аша даими һеңдерелә килә.Иҫке Собханғол мәктәбендә Афғанстандан Совет ғәскәрҙәре сығарылыуҙың 32 йыллығы уңайынан дәрес-осрашыуҙар үтте. Беҙҙең Бөрйән егеттәре Ватанды һаҡлау тигән бурысын йылдар дауамында намыҫ менән үтәй, илһөйәрлек тигән аҫыл сифат йәш быуынға төрлө күркәм саралар, матур кешеләр аша даими һеңдерелә килә. Иҫке Собханғол мәктәбендә Афғанстандан Совет ғәскәрҙәре сығарылыуҙың 32 йыллығы уңайынан дәрес-осрашыуҙар үтте. Иң шәп тарих – яугир ауыҙынан Афған һуғышы ветераны, яҡташыбыҙ, Байғаҙы ауылы уҙаманы Иҫәнбаев Йәнғәле Абдулхаҡ улы менән осрашыуға 10-сы “А”, “Б” һәм 11-се “Б” кластары бик ентекле әҙерләнгән. Үҙәк өҙгөс “Хәтер” йыры менән башланып киткән дәрес уҡыусыларға бик фәһемле булғандыр, сөнки дәрес һуңында бирелгән һорауҙар уларҙың илебеҙ тарихына битараф түгеллеген раҫланы. Уҡытыусылар Р. Сәғитова, Л. Нурутҡолова, Г. Сәғитова инеш һүҙ менән сығыш яһағас, һүҙ яугир-ветеранға бирелде. Йәнғәле Абдулхаҡ улы үҙенең тормош, хеҙмәт, яу юлдарын төрлө тетрәндергес, фәһемле ваҡиғаларға нигеҙләнеп бәйән итте. ”18 йәшем тулғас та әрме сафына алдылар. Тәүҙә Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта күнекмәләр үттек. Беҙҙе ныҡ әҙерләнеләр. Самолетҡа ултырғас ҡына Афғанстанға юл тотоуыбыҙ мәғлүм булды. “БМП-2”-лә наводчик булдым, колонналарҙы оҙаттыҡ. Ике йыл палаткала йәшәлде. Шинданд, Шахшаран ҡалалары эргәһендә хеҙмәт иттем. Урман кешеһенә, билдәле, сүллек һәм ҡая-таш араһында ҡыйыныраҡ булды. Сухпай ашап, бәғзе саҡ ризыҡһыҙ йөрөргә лә тура килде. БМП эсендә ҡайнар мунсала ултырған кеүек эҫе, эскән һыу ҙа йылы.Ошо мәлдә ауылдың теш сәңкетер айраны иҫкә төшә. Ҡоҙоҡ-йылғанан һыу алырға ҡушмайҙар, сөнки уларҙы дошмандар ағыулап ҡуя. Люкты асырға ярамай – өҫтән, тауҙар араһынан аталар беҙгә. Төнөн һөжүм итәләр. Беҙ ҙә бирешмәйбеҙ. Тауҙарҙа дошмандар аттарҙа оҫта йөрөй. Аңғармаҫтан килеп сығалар, юҡ булалар. Күҙ алдымда бер офицер, бер һалдат үлде. Ҡышлаҡтарҙы ҡамап алып, дошмандан “таҙартабыҙ”. Засадаға ла йөрөнөк. Беҙҙең егеттәр ҙә эләкте, күбеһе үлде... Ундағы халыҡ шул хәтлем насар йәшәй – ҡышлаҡтағы өйҙәрҙә балсыҡ урындыҡтар, кейем яғы хөрт, әммә ҡыйыу һәм ҡурҡмаҫтар инде. Йылғалары тулы балыҡ, әммә уны, ниңәлер, тотоп ашамайҙар. Беҙ ашап кинәндек. Һуғыш – уйын түгел, бар хәлеңсә тырышаһың, йәшәргә, еңергә ынтылаһың инде. Иң ауыры – эргәңдә йөрөгән иптәштәреңде юғалтыу...» - тип хәтирәләргә бирелде яҡташыбыҙ. Музейҙа тарих һаҡлана Мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән сара ысын мәғәнәһендә тарихыбыҙға байҡау булды. Афған һуғышы ветерандары музей экспонаттарын ҡарап-барлап сыҡҡас, музей етәксеһе, тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Н. Шәрәфетдинова, уҡытыусы Ә. Кәбирова үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Мәктәп директоры Ә. Әбдрәхимовтың ялҡынлы сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. 5-се “Г” класы уҡыусылары Гүзәл Шәмиғолова, Нурия Исмәғилева, Динар Хисмәтуллин, Динар Ҡолһарин, Эмиль Байғужин, Вилдан Туҡбаев тарихты шәп белеүҙәре менән таң ҡалдырҙы. Онотмай улдарын Ватан Район мәҙәниәт һарайы алдында митинг үтте. Һәйкәлгә сәскәләр һалып, Ватан саҡырыуы буйынса сит илдәрҙә хеҙмәт итеп, интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеген бер минут тын ҡалып хөрмәт итте яҡташтар. Сара барышында райондаш “афғансы”ларға – Гөлсәсәк Ҡарамышеваға, Илшат Мөхәмәтовҡа, Йыһанур Шәмиғоловҡа “Ватанды һаҡлаусыға” миҙалы тапшырылды, районыбыҙҙа әүҙем генә эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары етәкселәре – “Чечняла һәм башҡа ерҙәрҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар”, “Диңгеҙселәр туғанлығы”, “Һауа-десант ғәскәрҙәре “ һ.б. үҙҙәренең ойошмаһында ағза булып торған Афғанстанда ир-егетлек бурысын үтәп ҡайтҡан ир-аттарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район “афғансы”лары етәксеһе Азамат Алтынбаев үҙҙәренең ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте. Әхмәҙей Сәғитов “афганка” панамаһы менән бүләкләнде. Чечняла һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар берләшмәһе етәксеһе урынбаҫары О. Ғәлиев та ошондай “афганка”ны ошо көндәрҙә юбилейын билдәләүсе Хәниф Ибраһимовҡа бүләк итте. “Һауа-десант ғәскәрҙәре” ойошмаһы етәксеһе И. Азанғолов Фәнис Сәйәхов, Афзал Сирбаев, Әмир Ғәлиуллин, Илсур Абдуллиндарға һалдат символы – әрме сервизы тапшырҙы. “Диңгеҙселәр туғанлығы”ның (етәксеһе Р. Күлбаев) шәп бүләге Рәшит Әйүпов, Нурғәле Һырлыбаев, Радик Аҫылбаевтарға эләкте. Февралдең ажғыр еле лә, ғинуар булһам, һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем, тип ҡәһетләнгән сатлама һыуығы ла матур һәм тәрбиәүи йәһәттән файҙалы сараға ҡамасау була алманы. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
8 –10 ноябрҙә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп" тип аталған тәүге форум-күргәҙмә үтә. Өфөлә бындай форум тәүге тапҡыр үткәрелә Ундап инвалидлыҡ юллау, медицина экспертизаһы үтеү, зыян күреүсене реабилитациялау, социаль-медицина экспертизаһына документтар әҙерләү мәсьәләләре буйынса консультация алырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙе шәхсән ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Унда иһә һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға асыҡлыҡ индерә ала. Шулай уҡ форум барышында төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, йәрминкәләр, хатта мода күрһәтеү планлаштырыла.
«Эх, Лилиә, Лилиә, миңә нисек ауыр икәнен белһәң ине. Ләкин нисек кенә тырышма, һин мине барыбер аңлап етмәҫһең. Юҡ, кәрәкмәй, минең башҡа төшкән бәлә бер ҡасан да күңелеңде борсомаһын. Һиңә еңелерәк. Һин минең бик моңло тауышлы туғаным ғына бит (Илназ, һеңлеһе иҫенә төшкәс, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы). Ямғыр күҙ йәштәрен асфальтҡа түгә. Тирә-йүн нисектер ҡараңғы, көҙгә хас булғанса моңһоу. Ҡала урамында үтеп-һүтеп йөрөүселәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Күрәһең, был моңһоулыҡ бер кемдең дә күңел торошона тап килмәй. Еңел машиналар еүеш асфальттағы күләүектәрҙе сәсрәтеп үтеп китә. Шул машиналарҙың береһендә, ҡараңғылатылған тәҙрә артында, болотло күккә, ямғырға сыланған урамға ҡарап йәш егет ултыра. Ниңәлер тәрән һулап ҡуя. Дан бик иртә килде, бәлки, ул быға әҙер булмағандыр? Бәлки, тап ошоноң арҡаһында уның ҡарашы бөгөн моңһоуҙыр? Тыуған ҡалаһының шул тиклем матур булыуын ул ниңә быға тиклем һис тә абайламаған? Ниңә ошо урамдар буйлап ул бер ҡасан да йөрөмәгән? Ҡасан ул үҙ тормошо менән йәшәүҙән туҡтаған? Аҡса, дан, мода тотҡонлоғона нисек килеп эләккән? Ҡасан ҡолға әйләнеп өлгөргән? Иңендә ямғыр тамсыларын тойоп, еүеш асфальтта ялан аяҡ йүгергеһе, тамсыларҙың илаһи ҙа, яғымлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу йырын тыңлағыһы килә ине уның…Ул ямғырҙы күҙәтә. Тәбиғәт тә егеттең хистәрен аңлағандай. «Был мин илайым бит. Мин, ямғыр түгел…» Нисәлер минутҡа ул тәбиғәт менән бергә ҡушылды, ләкин был идиллияны кешелектең материаль бизмәне – кеҫә телефоны боҙҙо. Егет ысынбарлыҡҡа ҡайтты, асфальт, ямғыр – барыһы ла юҡҡа сыҡты. Ә улар менән бергә күҙ йәштәре лә… Егет үҙенә быны рөхсәт итә алмай, ул – йондоҙ. Йондоҙҙар иламай. «Шаярыу, уйын-көлкө – тағы ла ауырыраҡ нимә бар икән?» - йондоҙ йәнә уйға сумды.Ул, меңәрләгән ваҡ өлөштәргә таралып, күк йөҙөнән атылырға әҙер булғандай баҙлап яна. Тик атылған саҡта иң изге теләген – азат булыуҙы теләп өлгөрәһе ине.Егет ауыр тын алды ла, телефонын һүндереп үк ҡуйҙы. Тик был ғына ярҙам итә аламы ни? Был кешеләр барыбер бимазалаясаҡ, аптыратасаҡ. Ҡайҙа, ҡайҙа ҡасырға һуң уларҙан? Продюсер, менеджерҙарҙың һәм ялтырауыҡ данының ҡоло итеп хис итте егет үҙен. Уның менән һоҡландылар, яраттылар, танышырға ашҡындылар, уға оҡшарға тырыштылар, көнләштеләр һәм күрә алманылар. Ә егетте барлыҡ ысын хистәрҙән айырылыу, бушлыҡ тойғоһо ташлап китмәне. Ямғыр иһә, алтын ситлекте ватырға теләгәндәй, машинаның алғы тәҙрәһенә бәрелеп тупылдауынан туҡтаманы.Билдәле булыу Илназдың яҙмышына яҙылғандыр. Бай ғаиләлә тәрбиәләнеп, төрлө яҡтан үҫешергә насип булды уға, яҡшы белем алды. Бәләкәйҙән үк актер булыу теләге менән янып йәшәне. Көнө минуттарына тиклем эш менән тулғайны. Ул саҡтарҙа уйланырға ваҡыт юҡ ине, ә хәҙер – азатлығын юғалтты. Һәм бына, егерме йәшендә, уның даны ла, аҡсаһы ла, талантлы актер абруйы ла бар. Ысын актер булғыһы, кешеләргә шатлыҡ, илһам бүләк иткеһе килә уның. Был хыялына егет бай атай ярҙамынан тыш барырға тырышты. Ләкин журналистар һәм күпселек режиссерҙар унда тик бай атаның улын, йәғни, яңы экран һәм театр күргәҙмәләренең бағымсыһын ғына күрҙе. Ә бит ул үҙенең күңелен байытыу, илаһиландырыу өсөн быға тиклем башҡарылмаған ҙур ролдәрҙе башҡарыр, татымаған хистәрҙе татыр өсөн тир түкте. Тик күпселек осраҡта егеттең мөләйемлеген һәм аҡсаһын талантынан өҫтөн ҡуйҙылар. Шулай ҙа уның кеүек үҙ эшенә бирелгән ысын профессионалдар ҙа осраны Илназдың юлында. Тап улар егеттәге потенциалды, талантты күрҙе, һәм уны билдәле актер кимәленә күтәрҙе. Гәзиттәрҙә иһә барыһы ла киреһенсә яҡтыртылды. Ғәҙел булмаған шелтәләргә иғтибар итергә тырышмаһа ла, кәйефте төшөрә белә ине улар. Ә егеттең эргәһенән бер аҙым да китмәй ярамһаҡланып, нисек тә булһа ярарға тырышып йөрөгән кешеләр… Ни тиклем бүктерҙе ошо ялғанлыҡ һәм ярамһаҡланыу! Улар араһында Илназ үҙен айырыуса яңғыҙ итеп тойҙо. Таянырлыҡ дуҫтары әҙ уның. Булғандары ла бала саҡ дуҫтары ине. Сөнки хәҙер дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырыуға уның ваҡыты юҡ. Йондоҙ менән түгел, ә уның үҙе менән ысын, эскерһеҙ дуҫлашырға теләк белдерерҙәренә лә ныҡ шикләнә Илназ. Ә яңғыҙлыҡ күңелен өткәндән-өтә генә бара. «Һиңә ни булды? Ниңә шул тиклем моңһоуһың?» - тип туғаны һуңғы арала йыш ҡабатлай башланы. Һәм ул, бойоғоуын йылмайыу артына актерҙарса йәшереп, яуап бирә:- Нимә тураһында һөйләйһең ул? Мин бик тә бәхетле. Барыһы ла шәп, яҡшы.«Эх, Лилиә, Лилиә, миңә нисек ауыр икәнен белһәң ине. Ләкин нисек кенә тырышма, һин мине барыбер аңлап етмәҫһең. Юҡ, кәрәкмәй, минең башҡа төшкән бәлә бер ҡасан да күңелеңде борсомаһын. Һиңә еңелерәк. Һин минең бик моңло тауышлы туғаным ғына бит (Илназ, һеңлеһе иҫенә төшкәс, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы). Ә мин – рекламаға һәм һатыу тауарына әйләнгән киң билдәле актер, - ул асыулы һәм көсөргәнешле көлөүҙе үҙенән һығып тигәндәй сығарҙы. - Ҡатын-ҡыҙ өсөн мин - мөхәббәт күбәләге, режиссерҙарға – бай бағымсы, журналистар өсөн иһә - гәзиттәре өсөн ҡулайлы реклама ғына. Лилиә, һин генә мине, ағайың булған өсөн генә, дәғүәһеҙ, үҙеңә файҙа көҫәмәй яратаһың бит, тик элеккесә сәғәттәр буйы серләшергә ваҡытым ғына юҡ. Һинең дан ҡаҙанғың, йондоҙ булғың килә, ә мин быға йәнем-тәнем менән ҡаршы. Ағайың кисергәнде кисерергә яҙмаһын ине, тип теләйем. Мин арыным, үҙ-үҙемде юғалттым, ижадым һүнә. Теләһәң, маҡсатыңа ирешәсәгеңә шигем юҡ. Һин – ҙур талант…»Ошо ерҙә уның уйҙарын шәхси һаҡсыһының ҡалын тауышы бүлде. Илназ уларҙың барлығын бөтөнләй ҙә башынан сығарған, хатта тертләп китте.- Илназ Маликович, килеп еттек, - тине һаҡсы.Һаҡсылар… Күпме түҙергә мөмкин. Ошо ике әзмәүерҙәй һаҡсыһыҙ бер аҙым да эшләй алмай бит ул. Баҫҡыс буйлап күтәрелгәнсе ошо уй башынан сыҡманы Илназдың, ә журналист һәм режиссерҙарға һаман да көсәнеп булһа ла йылмайырға тырышты.«Ҡасырға кәрәк, ҡасырға». Башынан шундай уй йүгереп үтте. Күк көмбәҙен үҙенең нурына һуңғы тапҡыр мансып, йондоҙ атылды… Иң ҙур теләген теләп өлгөрҙөмө икән һуң?Өс көндән, атаһының эш кабинетына илауҙан буҫығып бөткән Лилиә атылып килеп керҙе. Ҡулында – хат:«Мин арыным. Яңғыҙым ҡалып, киләсәгем тураһында уйларға ваҡыт. Китәм. Ҡайҙа барырмын, белмәйем. Уныһы мөһим түгел. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Был мәңгелеккә түгел. Ҡайтырмын. Ваҡыт бирегеҙ. Эҙләмәгеҙ. Ғәфү итегеҙ. Һеҙҙе ихлас яратыусы улығыҙ, ағайығыҙ.28. 08. 2007.»Ата кеше ҡәнәфийенә хәлһеҙ таянды, йөҙө ағарып китте.- Машинаһын алғанмы һуң?- Юҡ. Аҙыраҡ кейемен генә…- Иҫәүән. Үҙен ниндәй хәүеф аҫтына ҡуйыуын аңламаймы икән ни? Ә бынау янауҙар менән тулы хаттар – уларҙы миңә ни эшләтергә?! – Малик Сабирович бер нисә аноним хатты иҙәнгә бәреп ебәрҙе.Был хәл гәзит биттәренә сыҡманы, әлбиттә. Илназ сит ил актеры булып китте, тигән имеш-мимештәр таралды. Наркомандар өсөн махсус дауаханала ята икән, тигәнерәк һүҙҙәр ҙә йөрөнө. Ләкин бер кем дә был имештәргә тулыһынса ышанырғамы, юҡмы икәнен белмәне. Малик Сабирович иһә, яратмаусыларҙың янауҙарынан ҡурҡыпмы, «Улым донъя күрер өсөн сәйәхәткә сыҡты. Ҡасан ҡайтырын белмәйем», тигәнерәк һүҙ йөрөттө.Шулай ике йыл үтте.***- Бөтәһе лә әҙерме? Бейеүселәр үҙ урынында… – Лилиә ныҡ тулҡынлана ине.Бөгөн уның тәүге соло концерты. Ҡасандыр Илназ бүләк иткән сәғәткә күҙ һирпте – 10 минут ҡалған. Күкрәгенә киңерәк итеп һулыш алғас, уға нисектер еңелерәк булып китте. Яратҡан йондоҙон сәхнәгә саҡырып, фанаттар һыҙғырғаны ишетелде.- Һиңә - сәскәләр, Лилиә…Лилиә сәскәләр менән тулы кәрзингә үрелде: уның яратҡан – аҡ сәскәләре. Ап-аҡ нурын тирә-йүнгә һипкән һары ҡояшҡайҙар. Сәскәләр араһында хат та бар. Лилиә зәңгәрһыу конвертты асты – «Донъялағы иң ҙур талантҡа». Ул ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы, борсолоу, тулҡынланыуы ҡул менән һыпырып алғандай тойолдо.- Лилиә, ваҡыт.Концерт бик яҡшы үтте.***Тәьҫораттарға бирелеп ҡайтып килгәндә Лилиә ғәҙәттәгесә ағаһын иҫләп уфтанып ҡуйҙы. Ҡайҙа һуң ул? Ниңә туғанына булһа ла яҙмай, шылтыратмай икән? Ике йыл бит – ҙур арауыҡ. Ағаһы уны бер ҙә иҫкә алмай, һағынмай ҙамы икән? Ниңә китте? Ул бит туғанына шул тиклем кәрәк! Хәҙер Лилиә ағаһының һүҙҙәрен бик йыш иҫкә ала: «Мин арыным». Ә нисек? Эргәһендә аңларлыҡ, ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ кешеһе лә юҡ бит, исмаһам. Ағаһының моңһоулығын, һөйләшмәүсәнлеген, ҡасыуының сәбәбен ул әле саҡ аңлай башланы, шикелле. Ҡайҙа ғына барма, йәнһаҡсылар бер аҙым да ҡалмай. Уларҙың киң арҡалары артында Лилиә бер ни ҙә күрмәй бит хатта. Йәнһаҡсыларҙы алыу тураһында атаһынан ҡыҙ күпме һораны, ләкин уның ишеткеһе лә килмәне, үҙенекен тыҡыны – түҙ.Бына бөгөн дә Лилиә йыр яҙыу студияһынан йәнһаҡсылары менән ҡайтып килә. Мәскәү өсөн ғәҙәти булған машиналар тығылышып, бер-береһенә ҡысҡырышып, юлын дауам итә алмай ултырған үҙәк урам юлсылары… Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн көн иртәнән үк уңманы. Хәҙер килеп, тынсыу машинала ултырырға мәжбүр. Етмәһә, көн бигерәк аяҙ, еләҫ кенә. Лилиә машинаның ишеген асып ебәрҙе.Наҙлы ел ҡыҙҙың битенән һыйпаны. Бә-ә-әй, ҡалала яҙ ҙа еткән икән. Ул шуға ла иғтибар итмәгән.- Нимә эшләйһегеҙ ул? – Һаҡсының аптыраулы ҡарашын тойҙо Лилиә.- Мин метрола барасаҡмын, – тине ҡыҙ һәм, шәхси һаҡсыһының артынан сыҡҡанын күргәс, асыуы ҡабарҙы. – Мин бер үҙем барасаҡмын!- Атайығыҙ һеҙҙән күҙ яҙҙырмаҫҡа ҡушты.- Юҡ, тинем мин һеҙгә. Тағы бер һүҙ ишетһәм, эшегеҙ менән хушлашырға тура киләсәк! – Ҡыҙ шәхси һаҡсыларына ҡаты ғына янап ҡуйҙы.Ағаһынан айырмалы рәүештә, Лилиә атаһына оҡшап ҡатыраҡ, уҫалыраҡ булып үҫте.- Мин бер үҙем барам, – тип ҡырт киҫте ул (барыһы ла белә: үҙ һүҙле ҡыҙ менән һүҙ көрәштереү бушҡа).- Ә Малик Сабирович…- Ә атайым менән ҡайтҡас үҙем һөйләшермен, – Лилиә үҙ юлы менән китте.Ҡыҙ ағаһына ҡарағанда үткер, кеше һүҙенә артыҡ иғтибар итеп бармаҫ ине. Һәм бына хәҙер, ағаһы ике йыл элек кисергәндәрҙе башынан үткәреп, үҙен алтын ситлектәге ҡошсоҡ итеп хис иткәс, Лилиә, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, ҡотолоу юлын эҙләне. Ошо урамда ни алға, ни артҡа китә алмай ыҙаланып ултырған машиналар хәленә ҡалды ул.Ҡыҙҙың бөтә нәмәһе лә бар, ә күңелендә ниндәйҙер мәғәнәһеҙ бушлыҡ. Таянырлыҡ кешеһе – ағаһы янында уға был хистәрҙе еңеү күпкә еңелерәк булыр ине. Тик ҡайҙа ул? Ҡасан ҡайтасаҡ? Ата-әсәһе, уны яратҡан Рөстәм аңламағанды, ялтырауыҡлы йондоҙ яңғыҙлығы нимә икәнен үҙе татыған ағаһы, һис шикһеҙ, аңлар, кәңәш менән ярҙам итер ине.Рөстәм… Ярата, әммә хистәренә яуап тапмай. Лилиәгә ҡарата уның мөхәббәте шул тиклем көслө, хатта егет уның ҡоло булырға ла әҙер. Йондоҙ нурҙарына табынып йәшәй Рөстәм. Ләкин нурҙар артында йөрәк барлығын беләме икән ул? Ҡыҙҙы гел генә ошо һорау борсой. Уйланмай ине Лилиә был хаҡта. Иң мөһиме – Рөстәм Лилиәнең ата-әсәһенә оҡшай. Аҡыллы, буй-һыны ла матур …Тик хәҙер ҡыҙ ҡайҙа барып бәрелергә, ни ҡылырға белмәй. Ә тормош үҙ яйына китһен, яҙмыш ғүмер ептәрен яйға һалһын өсөн һәр көнөңдө планлаштырыуҙан туҡтап, йөрәгеңде тыңлау ҙа етә икән…Ҡапыл кеҫә телефоны шылтыраны. Был Рөстәм ине. Лилиә егеттең тауышын да ишетергә теләмәй. Ә телефон шылтырай ҙа шылтырай. Яуап бирмәйенсә ҡотолоу юҡ.- Сәләм, һин ҡайҙа?- Мин ҡала буйлап йөрөйөм.- Ниндәй тауыш ул. Магазиндар буйлап йөрөйһөңмө әллә? Кем менән?- Бер үҙем. Метрола.- Метрола?! Һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы? Ә машина? Аңлайһыңмы, унда бысраҡ, асарбаҡтар, ҡараҡтар туп-тулы… - Лилиә телефонды һүндерҙе. Башҡа тыңлап та тормаҫ. Рөстәмдең самаһыҙ эрелеге уны ялҡытты.Лилиә метро баҫҡыстарынан төшөп килгәндә, иғтибарын аҫта гитара уйнап торған һылыу егет йәлеп итте. Әйтерһең, уның сихри бармаҡтарында гитара үҙе йырлай. Берсә моңһоу, берсә дәртле. Егет гитара уйнауҙан ҙур ләззәт ала ине. Ят ҡыҙҙың ҡарашын тойоп, егет уға боролдо. Йәшел күҙҙәренән ниндәйҙер илһам бөркөлә ине. Булғаны булдымы шулай? Лилиә бындай илаһи ҡараш диңгеҙендә йөҙҙөмө икән? Юҡ, барыһы ла бар кеүек ине уның тормошонда, әммә был ҡараш... Ике ҡараш араһында ваҡыт үҙенең көсөн юғалтты, метро, үткенселәр – барыһы ла юҡҡа сыҡты… Ләкин бер үҫмер саҡ ҡыҙҙы аяҡтан йыҡманы. Был хәл уларҙың икеһен дә иҫенә килтерҙе, хыял донъяһынан сығырға мәжбүр итте. Лилиә үҙен меҫкен хәлендә тороп ҡалғандай тойҙо. «Эргәһенә барырға? Юҡ…» Күңелендә төрлө уйҙар: «нимә әйтергә, үҙен нисек тоторға…» Егет эргәһенә барып, уның уйнағанын тыңлау теләге бик көслө ине. Аҡыл теләктән еңелде.Рөстәмгә ҡарағанда был билдәһеҙ егет гитарала күпкә оҫтараҡ уйнай.- Эй, музыкант, эшләпәң ҡайҙа? – тип өндәште ҡыҙ.Егеттең йылмайыуы һүнде, һөмһөрө ҡойолдо, музыка өҙөлдө. Ул гитараһын алып, сығыу яғына ыңғайланы.- Туҡта, үпкәләттемме әллә? Ғәфү ит. Мин...- Нимә, әзмәүерҙәй егет ошолай итеп икмәклек аҡса эшләй икән тип уйланыңмы? Яҡшылыҡ эшләгең килеп киттеме?- Һин бит яҡшы уйнайһың, метрола торғас, уйының өсөн… - Лилиәнең ошолай ғына хушлашҡыһы килмәне һәм, ярһыуынан ни эшләгәнен үҙе лә аңғармаҫтан, егетте ҡулынан тотоп алды. – Ярай инде, онот. Хаталанғанмын. Рәнйетһәм, ғәфү ит, – ул беренсе тапҡыр егет кешенән ғәфү үтенде. Ят егет уның күҙҙәренә ҡараны. Ҡарашында икеләнеү һиҙелә ине.- Ысын күңелдән әйттеңме? Мин…- Эйе, һин иҫ киткес матур уйнайһың.Ҡыҙҙың ярты һүҙҙән аңлауы егеткә мәрәкә тойолдо, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы. Ә Лилиә быны дуҫлашыу билгеһе итеп ҡабул итте.- Шул тиклем һылыу ҡыҙҙан маҡтау һүҙҙәре ишетеү үҙе бер бәхет. Етмәһә, бай ғына күренәһең, – егеттең һүҙҙәрендә ирония сағылды. Лилиәгә ул бына-бына китер ҙә башҡа бер ҡасан да осрашыу мөмкин булмаҫ кеүек тойолдо.- Ниңә улай тип уйлайһың? Бай ҡыҙҙар метрола йөрөймө әллә?- Затлы күлдәк, ҡиммәтле биҙәүестәр, яҡшы аяҡ кейеме – бындайҙар үҙәк баҙарҙа һатылмай бит.- Мин … тамада… (Ҡыҙ ниңә улай тип әйткәнен үҙе лә аңламаны). Эйе, тамада! Бына әле лә туйҙан ҡайтып киләм. Аҡса эшләп…- Алдамайһыңмы? – Егет ышанырғамы, юҡмы тип икеләнде.- Һинеме? Мин алдаша белмәйемсе…- Хуп, алдашҡанды йәнем һөймәй. Әгәр уйнағаным оҡшаһа, әйҙә минең менән. Мин уйнайым, ә һин йырла.«Йондоҙ метрола концерт ҡуя», «Йондоҙ күктән метроға төшкән», «Лилиәнең пиар кампанияһы»…. – Ҡыҙҙың башынан меңәрләгән уй йүгереп үтте. Ҡала буйлап йәшен тиҙлеге менән таралған гәзиттәрҙе айырым-асыҡ күҙ алдына килтерҙе.- Нимә, метрола йырлау һинең өсөн оятмы? Әллә һандуғас бушлай һайрамаймы? – Егет китергә йыйынды. Ҡыҙҙың кем икәнен әллә һиҙҙе инде. Лилиәне шуға һынап ҡарамаҡсы була?!- Туҡта, китмә! Мин риза.- Риза? – Егет бындай яуапты көтмәгәйне. Ләкин юғалып ҡалманы, гитараһын сығарып, Лилиәнең йырына көйләп уйнай башланы. Дуэт уңышлы сыҡты. Гел ҡайҙалыр ашыҡҡан моңһоу халыҡ йәнләнеп китте, ирендәрендә ихлас йылмайыу, күҙҙәрендә йәшәү нуры тоҡанды. Лилиә бер концертынан да шул тиклем кинәнес кисергәне юҡ ине әле. Үткенселәрҙең кәйефен күтәреү уға бик оҡшаны.Йыр тынды. Ҡыҙҙы кешеләр уратып алды. Күптәр уны танығайны.- Ғәфү итегеҙ, һеҙ яңылышаһығыҙ. Мин ул түгел, – ҡыҙ аҡланырға ашыҡты. Егет уны ҡулынан тотоп алды һәм, кешеләрҙе йырып, сығыу яғына ыңғайланы.- Бигерәк оҡшаттылар үҙеңде. Ҡастыҡ әйҙә!Улар бәләкәй балалар кеүек бер-береһен уҙыша-уҙыша урам буйлап йүгерҙе.- Һинең фанаттарың шул тиклем күп тип уйламағайным, – тине егет, йүгереүҙән туҡтағас.- Мин дә … - тине ҡыҙ йыш-йыш тын алып. – Миңә былай йырлау ныҡ оҡшаны, тағы ла ….- Хәҙер мине аңлайһыңмы инде? Аҡсаға был тойғоларҙы һатып алып булмай ул. Кешеләрҙең йылмайыуын күреү – минең өсөн иң ҙур бүләк.- Быны аңларға ярҙам иткәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Мин элек сәхнәлә генә… - Ҡыҙ үҙенең «серен» саҡ асманы.- Бәлки, йөрөп килербеҙ, – егет нисектер ҡаушап ҡалды. Үҙе йылмайып ҡулын һуҙҙы, -Азамат.- Асия, – Лилиә, алдашҡанын һиҙҙермәҫ өсөн, ҡарашын түбән йәшерҙе.Улар етәкләшеп, бушап ҡалған урам буйлап ваҡытты онотоп йөрөнөләр ҙә йөрөнөләр. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡай саҡ йондоҙло күккә ҡарап тын ҡалдылар…- Миңә ҡайтырға ваҡыттыр… - Был һүҙ икеһен дә бойоҡторҙо. Бер кистә бер-береһенә эҫенеп тә өлгөргәйне улар.- Эйе, ваҡыт… - Азаматтың тауышында моңһоулыҡ һиҙелде. – Иртәгә…- Мин бик шат булыр инем. – Был ике йәш йөрәккә бер-береһен аңлар өсөн һүҙҙәр кәрәкмәй ине.- Мин һине оҙатып ҡуяйым да… - Лилиәне был һүҙҙәр һиҫкәндереп ебәрҙе.- Юҡ! Мин үҙем…- Ҡараңғы бит. Оҙатам, – егет ҡырт киҫте.Лилиә «өйө» итеп бер бәләкәй генә ике ҡатлы йортто һайланы:- Бына ҡайтып та еттем.- Ярай, хуш. Һине иртәгә бөгөн осрашҡан урында көтөрмөн.Ҡыҙҙың күңелендә шатлыҡ осҡоно ҡабынды: «Мин уға, ысынлап та, оҡшаныммы икән?!» Быға тиклем ул сибәрлегем бөтәһен дә әсир итә, бөтә донъя минең аяҡ аҫтымда, тип уйлай ине. Ә бөгөн барыһы ла башҡаса, ҡыҙ күңелен ниндәйҙер ҡурҡыу һәм икеләнеү тойғолары солғап ала: «Ә бәлки, мин уға бөтөнләй оҡшамайымдыр?» Егет киткәс, Лилиә такси саҡыртты ла, йортона ашыҡты.Ә Азамат бөтә донъяға йылмайып атлай. Бөгөнгө көн уға ҙур шатлыҡ алып килде бит. Шул саҡ ул эргәнән елдереп үтеп киткән такси тәҙрәһендә бик таныш ҡара сәсле, серле ҡарашлы һылыуҙы абайлап ҡалды. «Бына инде, хәҙер күҙемә лә күренә башланы», - тине ул йылмайып.***Лилиә ҡайтҡанда бер кем дә йоҡламай ине. Ҡыҙҙы көсөргәнешле һөйләшеү көттө.- Ҡайтты! Ҡайҙа йөрөйһөң һин? Ни өсөн телефоның яуап бирмәй? - тупһанан уҡ Лилиәгә әсәһе ташланды.- Ни өсөн шул тиклем борсолаһығыҙ? Мин хәҙер ҙур үҫкәнмен. Ҡайҙа, кем менән теләйем – үҙемдең эш түгелме ни!?- Ни өсөн йәнһаҡсылар менән йөрөгәнеңде һаман аңламаныңмы ни? Янаусы аноним хаттарҙы ла оноттоңмо? – тип асыуланып ҡысҡырҙы атаһы. – Үҙеңде ҡайғыртмаһаң, беҙҙең турала уйла. Бына әйт әле, ул метроға нимә тип төшөп киттең?- Ҡайҙан белдең? Һаҡсылар ошаҡланымы? - Ҡыҙ ҙа атаһына оҡшап баш бирмәҫ ине.- Мин әйттем. Һинең өсөн борсолоп, - был Рөстәмдең тауышы. Лилиә уның бында булыуын бөтөнләй абайламаған. Ҡыҙ егеткә уҫал ҡараш атты, хатта Рөстәм ҡурҡып китте. Был гитарасы егет хәҙер Лилиәгә шундай меҫкен, түбән кеше булып күренде. «Уның йәне юҡ, - тип уйланы ҡыҙ, - йәнһеҙ килеш көйҙө нисек уйнайҙыр?! Моң бит йөрәктән урғылырға тейеш!»- Беҙ һинең менән ташлашабыҙ. Һин миңә кәрәкмәйһең. Йәлһең һин миңә.- Ҡыҙым, Рөстәм бит дөрөҫ эшләне. Берәй бәләгә тарыһаң?! – Атаһы егетте яҡлашты.- Атай, йәнһаҡсылар миңә конвой кеүек. Уларҙан башҡа ситкә бер аҙым да эшләй алмайым. Ситлек эсендә йәшәйем. Һеҙ бит мине бөтөнләй аңларға теләмәйһегеҙ. Ә ағайым мине аңлар ине, - Лилиә шулай тине лә, күҙ йәштәренә быуылып, баҫҡыстан йүгереп менеп китте.Рөстәм ҡыҙҙың ҡыҙған сағында ҡурҡа ине. «Ярһыуы үтер, ике-өс көндән килермен», тип уйланы ул. Асыуланышҡан саҡтарында егет һәр саҡ шулай итә.Йөҙө менән карауатҡа ҡапланып илаған ҡыҙ иңдәрендә әсәһенең наҙлы ҡулдарын тойҙо.- Ҡыҙым, һиңә нисек ауыр булғанын аңлайым. Һин бит үҙең, талантың хаҡына, азатлығыңдан баш тарттың. Нисек бар, шулай ҡабул ит, беҙгә һәр саҡ нимәнелер һайларға тура килә. Һин бит беҙҙең нисек борсолғаныбыҙҙы күҙ алдына ла килтермәйһең. Беҙ һине бик яратабыҙ, барыһын да тик һинең өсөн эшләйбеҙ. Бөтә өмөтөбөҙ һиндә генә. Һин дә беҙҙе ағайың кеүек ташларға уйлайһыңмы?- Илназ беҙҙе ташламаны. Ул бары арыған ине.Әсә кеше ауыр һулап ҡуйҙы. Улы юғалғандан һуң һаман тыныслана алмай ине әле. Ошо хәлдән һуң ғаиләлә ысын мәғәнәһендә кем бәхетле булды икән? Ә әсәйгә икеләтә ауыр. Илназ уға оҡшағанғамы, әсәһе улын бигерәк тә ярата.Лилиәне үбеп, әсәһе ишеккә табан йүнәлде:- Ә Рөстәмде юҡҡа ҡыйырһыттың. Ундай яҡшы егетте ҡайҙан табырмын тиһең? Ул һине ярата, борсола. Үҙең ҡара, тик хаталанма. Тәмле төштәр, - ул шулай тине лә, шым ғына ишекте япты.- Бар ул, әсәй, бар, - тип шыбырланы Лилиә.***Иртәгеһенә Лилиә Азамат менән осрашыуға йүгерҙе, йүгерҙе генә түгел, осто. Егет тә уны ашҡынып көтә ине. Йәштәр ҡаланың бөтә парктарын урап сыҡты, һөйләшер һүҙҙәре бөтмәне.- Беләһеңме, беҙ бит һинең менән дуэт эшләй алабыҙ, мин дә бит аҙыраҡ йырлайым, - тине Азамат йылмайып. Тәҡдименең кире ҡағылыу ихтималын белепме, ҡаушаны хатта.- Эйе, яҡшы булыр ине. Тик саҡ ҡына һуңыраҡ. Нисек музыкант булып киттең, һөйлә әле.- Мин күптән уйнайым, тик профессиональ кимәлдә шөғөлләнергә ваҡытым етмәне. Атай менән әсәй аварияла һәләк булды. Дүрт бала: мин, һеңлем һәм ике игеҙәк ҡустым етем ҡалдыҡ. Туғандар ярҙам итте лә. Ауыр ваҡыт бит, уҡыуҙы ташлап өс эштә эшләргә тура килде. Һеңлемә лә мәктәпте тамамларға кәрәк ине. Аҡса етмәгәс, бер бүлмәгә кеше индерҙек. Ә ул яҡшы егет булып сыҡты. Гитарала яҡшыраҡ уйнарға өйрәтте, музыка академияһына уҡырға инергә күндерҙе. Ғөмүмән, ул беҙгә ныҡ ярҙам итә. Туғандарымды ла тыныс күңел менән ҡалдырып китәм. Хәҙер беҙ бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ.Лилиә Азамат һөйләгән саҡта үҙенең ни тиклем ағаһын һағыныуын аңланы.- Ә һин ниңә метрола йырлайһың? – тип һораны ҡыҙ.- Беләһеңме, бәлки, мин берәй хыялыйҙыр, әммә унда бик күңелле. Бөтәһе лә үҙҙәренең проблемалары менән ҡайҙалыр ашыға, ә һин уларҙы тынысландыраһың. Етмәһә, унда уҡытыусылар ҙа йөрөмәй.Шулай көн артынан көндәр үтте. Саф хистәр. Наҙ. Ирендәрҙең тәме. Улар донъяларын онотоп бер-береһенә ғашиҡ булды.Рөстәм көттө, барыбер Лилиә уны ҡабат саҡырып алыр, тип өмөтләнде. Әммә ҡыҙға Азаматтан башҡа береһе лә кәрәкмәй ине. Быны Рөстәм мыҫҡыллау тип ҡабул итте.Ә бер көн ул йәштәрҙең осрашыу урынына Лилиәнән алда килде.- Сәләм, дуҫ кеше, ә һин яйын тапҡанһың.- Һаумы, тик беҙ таныш түгел, - Азамат тәүҙә бер ни аңламаны. Күңеле генә һиҙҙе: ят егет яҡшы ниәт менән килмәгән.- Ай-һай, оят түгелме һиңә, минең ҡыҙ менән йөрөп, мине лә танымау. Лилиә һиңә һөйләмәнеме ни?- Лилиә? Мин бер ниндәй Лилиәне лә белмәйем, - Азаматтың асыуы килә башланы.- Башыңды иҫәргә һалма, йәме, һәм хәтереңдә тот, беҙ уның менән әле асыуланыштыҡ ҡына. Экзотика татығыһы килә, ташҡа үлсәйем. Батша ҡыҙы һәм көтөүсе!Азамат ярһып Рөстәмгә ташланды, әммә яҡшы костюмдарҙағы ике әзмәүер уны ике яҡтан эләктереп тә алды.- Һин үҙең уйлап ҡара, бай «йондоҙға» метрола йырлап торған бахыр егет нимәгә? Аңлайым инде һине, ул бай, сибәр, Хоҙай бүләге инде, тик, ғәфү, мин алданыраҡ өлгөрҙөм.- Оятһыҙ, - Азамат йәнһаҡсылар ҡулынан ысҡынырға теләне.- Иҫәр, яйы сыҡҡанда аҡса эшләп ҡал. Күпме кәрәк, шунса бирәм, тик Лилиәне генә тыныслыҡта ҡалдыр.- Мин бер ниндәй Лилиәне белмәйем.- Ахмаҡ, - Рөстәм Азаматтың ҡулына ялтыр тышлы журналды һондо.- Ышандыңмы инде, бына ал, - Рөстәм егеттең кеҫәһенә аҡса тығырға маташты. Ярһыған Азамат Рөстәмдең битенә һуғып ебәрҙе. Танауҙан ҡан китте.- Ҡаҙалып китһен. Битемде емерҙе. Киттек, - тип сәрелдәне Рөстәм. Һаҡсылар уны ике яҡтан тотоп, машинаға табан киттеләр.Азаматҡа ашҡынып килгән Лилиә хәлде шунда уҡ аңланы.- Псих ул, псих, - тип һаман ҡысҡырынды Рөстәм.Ә Азамат Лилиәне бөтөнләй күрергә теләмәй ине.- Азамат! - тип ҡысҡырҙы ҡыҙ, тик егет әйләнеп тә ҡараманы. Лилиә уның артынан йүгерҙе, алдына сығып, юлын быуҙы.Азамат ҡыҙҙың күҙҙәренә бөтөнләй ҡарарға теләмәне, был уның өсөн ғазап ине.- Был дөрөҫмө? Һин алдап йөрөнөңмө?- Туҡта! Кисер… Мин һине юғалтыуҙан ҡурҡтым… Мин яратам һине…- Һинең кем икәнлегеңде белһәм, бөтөнләй осрашмаҫ инем.- Бына бит. Ә минең билдәле булыуым нимәне үҙгәртә һуң?- Үҙгәртә. Һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынын белергә тейеш. Хуш.Егет ҡыҙҙы ипләп кенә үҙенән этте лә халыҡ араһына инеп юғалды.Лилиә оҙаҡ тыныслана алманы…… Атай менән әсәй ҡыҙҙы тынысландыра ла, уның йәштәрен күрә лә алмай ине.- Ҡыҙым, әйт әле, ни булды, - тип инәлде әсәһе. – Рөстәм менән талаштығыҙмы? Үҙем һөйләшәйем.- Мин уны күрә алмайым, эштән сығарам мин уны. Ана, урамда эш эҙләп йөрөһөн. Әсәй, мин ысынлап ғашиҡ булдым. Ул шундай яҡшы, шундай ҡәҙерле, ә Рөстәм бөтәһен дә юҡҡа сығарҙы.Лилиә әсәһенә һөйгәне хаҡында һөйләне.- Ҡыҙым, бәлки, ул берәй аферистыр, һин ҡайҙан беләһең?- Юҡ, әсәй, ул мине аҡса өсөн дә, даным өсөн дә яратманы. Ул миндә башҡалар күрмәгәнде күрҙе, был тойғо сибәрлекте таныу ғына түгел, ә күпкә юғары.Лилиәнең күҙ йәштәре атаһын да борсоуға һалды:- Ҡыҙым, көнө-төнө илағаныңды күргәнсе, ҡысҡырып ирешһәк, яҡшыраҡ булыр ине.Лилиә өнһөҙ ине.- Ярай, табырбыҙ, белербеҙ ул Азаматтың кем икәнен. Тыныслан.…Бер көндө улар әлегә таныш түгел адрес буйынса юлландылар.***Азамат ҡаланы гиҙеп оҙаҡ йөрөнө. Лилиә хаҡында уйланды. Бик теләһә лә, уны күңеленән ҡыуа алманы. Етмәһә, афишаларҙан, реклама бағаналарынан уға һөйгәне ҡарай ине. Ғашиҡлығы күҙен быуҙымы, уларҙы ҡарарға ваҡыты етмәнеме – Лилиәнең һүрәттәрен бығаса күрмәгәненә аптыраны Азамат. «Ҡайтырға кәрәк», тип уйланы. Дөрөҫөрәге, күңелендәге Лилиә менән осрашыуға өмөттән ҡасырға теләне.Ә өйҙә уны Лилиә йырлаған «Батша ҡыҙы» төркөмөнөң йыры ҡаршы алды. Был төркөмдө һеңлеһе Әлиә лә, өйҙәш егет Марат та яратып тыңлай.Азамат йәштәрҙең араһы яҡынайыуын тойҙо.***…Улар Азаматтың фатирын тиҙ тапты. Күрше бәләкәй ҡалалағы йортта икән.- Йә, ниңә яйланың, ҡыңғырауға баҫ, - тип ҡыҙын ҡеүәтләне атай.Лилиә бөтә ҡыйыулығын йыйып, төймәгә баҫты, үҙе эсенән генә «зинһар, ҡыума мине» тип теләне.Шул саҡ ишек асылып китте. Уларҙы ҡаршылаусы йәш егетте күреп, Лилиә саҡ ҡоламаны. Егеттең дә тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан ине.***…Ул моңһоу төндө Илназ, барыһы менән хушлашҡандай, яҡындары эргәһенә инеп сыҡты. Әсәһенә бәләкәй бала кеүек һыйынды. Лилиә эргәһендә оҙаҡ ҡына ултырып ташланы.- Ағай, бар йоҡларға ят инде, иртәгә һөйләшербеҙ, - тине һеңлеһе шаян ғына.Илназ тертләп китте.- Эх, Лилиә, кисерерһеңме икән? - тип бышылданы ул. Туғаны уны ишетмәне. Ул бит бөтөнләй ағаһының уйҙары тураһында һиҙенмәй ине. Хатта Илназ бәләкәй генә хатты мендәре аҫтына һалғанын да тойманы.Бүлмәһенә ингәс, егет бер аҙ аптырап ҡалды. Яҡындарына ауыр буласағын аңлай, бәлки, артҡа сигенергәлер? Юҡ… Ҡапыл ямғыр яуып ебәрҙе. Урамға саҡырған кеүек тамсылар быялаға туҡылдатты. Илназ тәҙрәне шар асып тышҡа һикерҙе. Иреккә ынтылды. Үҙенең ҡайҙа барасағын да, нимә эшләйәсәген дә белмәй ине. Тәү тапҡыр ул ошо урамдарҙы ябай кеше кеүек һаҡсыһыҙ үтә. Бер ҡайҙа ла ашыҡмай, тирә-яҡты, донъяны байҡап һоҡлана. Тик ҡапыл күңелен ниндәйҙер хәүеф биләп алды. Тағы әсирлеккә эләгеүҙән ҡурҡҡан ҡол кеүек ошо ҙур, шаулы ҡаланан тиҙерәк ҡасҡыһы килде.***Илназ килеп эләккән ҡала бәләкәй, донъяның иң тыныс мөйөшө кеүек. Сәстәрен буяп, ҡалын күҙлек кейгәс, кешеләр уны таныманы, шым, йомоҡ егет итеп ҡабул итте. Тәүге осор баҙарҙа эшләп йөрөнө.Бер ваҡыт егет бағанаға белдереү йәбештереп торған ҡыҙға иғтибар итте. Халыҡтың күп булыуы аралашыуға ҡамасауланы. Берҙән-бер өмөт – ҡыҙ йәбештергән иғланда: «Өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһе йәшәп торорға бирелә. Телефон…»Илназ фатирҙы тиҙ эҙләп тапҡайны. Ишекте әлеге ҡыҙ асты.- Һаумыһығыҙ, мин иғлан буйынса, - егет шундай тулҡынлана ине.- Үтегеҙ, - тине ҡыҙ. – Беҙ дүртәү: ағайым, ике ҡустым, мин йәшәйбеҙ...Егет ҡыҙҙың тауышын ишетеп өнһөҙ ҡалды. Уны көнө буйы тыңларға әҙер ҙә ул…- Һеҙ ризамы? – тине ҡыҙ ҡыймай ғына.- Нимә?! - егет, уйҙарына сумып, бөтөнләй бер нәмә ишетмәй ҡалған.- Юҡ, юҡ, улар шауламайҙар ул, – тине ҡыҙ, шау-гөр килеп уйнаған туғандарына ҡарап. – Бына ошонда ултырып тороғоҙ, мин хәҙер…Ҡыҙ егетте игеҙәктәр йүгерешкән залға саҡырҙы. Үҙе ишаралап ҡына туғандарын тынысландырҙы.Аш-һыу бүлмәһенән урап килгән ҡыҙ аптырап китте: ят егет малайҙар менән ихлас уйнап йөрөй. Тегеләре баяғынан да нығыраҡ шаулайҙар.Илназға был ғаилә шул тиклем оҡшаны: ошонда йәшәргә ҡарар иткәйне…***- Илназ!? Был һинме?- Лилиә, атай, әсәй!?Илназ һеңлеһен ҡосаҡлап алды.- Марат, кемдәр унда? – коридорҙа таныш түгел ҡыҙ күренде.- Әлиә, сәй ҡуй, ҡунаҡтар килде.Бөтәһенең дә йөҙөндә бәхетле йылмайыу балҡыны.Шул саҡ төпкө бүлмәнән Азамат килеп сыҡты. Лилиәнең ҡулындағы уйынсыҡтар төшөп китте. Күҙ асып йомғансы ул Азаматтың ҡосағында ине инде.- Таныш булайыҡ, - тип шыбырланы егет, - мин Азамат булам, ә һеҙ Лилиәме?***Тормош күгендә яңы йондоҙлоҡ ҡабынды. Ундағы һәр йондоҙҙа - бәхеттең балҡышы. Бөгөн – Лилиә менән Азаматтың сираттағы концерты. Залдағы иң хөрмәтле урында уларҙың яҡындары: Илназ – яңынан ҡабынған йондоҙ, уның ҡатыны Әлиә, атай һәм әсәй. Ә уртала көлөшөп, бәләкәй генә устары менән ҡул сабып ултырыусы балалар – ғаиләнең Ҡош юлы.Өр-яңыса балҡыған ҙур йондоҙлоҡ – ғаилә! Уны һөйөү, мәрхәмәтлек нурландырһа, айырым йондоҙ яңғыҙлыҡтан һәм һағыштан ҡотола. Ғәзиз кешеләр бәхетенең йондоҙҙай балҡышынан ҡиммәтерәк нимә бар һуң? Зөлфиә СӘЛИХОВА. фото интернет киңлектәренән Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Ауыл биләмәләрендәге юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн бүленгән аҡса бик аҙ күләмдә үҙләштерелә икән. 2018 йылда был маҡсатҡа 11 милион һумдан ашыу аҡ-са бүленгән, тик йылдың тәүге яртыһында сумманың ни бары 9 проценты ғына үҙләштерелгән. Башлыҡтар эштең һүлпән барыуын подрядсы ойошмаларҙың килешеүҙе теүәл үтәмәүе менән аңлата. Фәрит Фәтих улы подрядсыларға ҡәтғи дәғүәләр ҡуйырға, контракт шарттарының боҙолоуын теркәп барырға ҡушты. - Әгәр ҙә бүленгән аҡсаны ошо рәүешле үҙләштереү дауам итһә, киләһе йылға районға аҡса күпкә аҙыраҡ бүленәсәк бит, - тип билдә-ләне хакимиәт башлығы. Ахун, Иманғол, Ҡунаҡбай, Мансур, Миндәк, Яңы Бай-рамғол, Поляковка, Туң-ғатар, Ураҙ, Уральск ауыл Советтарында электр энер-гияһына сығымдар артҡан, ә бына Учалы ауыл Советында, киреһенсә, сығым 40 процентҡа кәметелгән, Илсеғол менән Сәфәр ауыл ултыраҡтарында иһә 25-30 процентҡа түбәнәйтелгән. Ауыл ултыраҡтары бюджетына анализ да эшләнде. Ағымдағы йылдың беренсе яртыһына килемдәр бу-йынса райондың консоли-дацияланған бюджетын үтәү 873,3 млн һум тәшкил иткән, йәғни уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 115,7 процент тигән һүҙ. Һалым һәм һалымдан бул-маған килемдәр 109,7 млн һум, уҙған йыл менән сағыш-тырғанда 36,6 % юғарыраҡ. Республиканың консо-лидацияланған бюджетына һалым һәм һалымдан бул-маған килемдәр буйынса рейтингыһына күҙ һалһаҡ, Учалы районы биш ҡала округы, Өфө һәм Бәләбәй райондарынан ҡала, һиге-ҙенсе баҫҡысты биләй. Был урынын районыбыҙ бер нисә йыл һаҡлап килә. Район бюджетын тулы-ландырыуҙа ауыл улты-раҡтарындағы хәл-торош та йоғонто яһамай ҡалмай. Быйылғы ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, тик ете ауыл Советында - Илсеғол, Сәфәр, Миндәк, Яңы Байрамғол, Мансур, Бөйҙө һәм Учалы ҡала-һында ғына һалымдар һәм һалымдарҙан булмаған керемдәр буйынса үҫеш күҙәтелгән. Ә Амангилде, Кирәбе, Ахун, Наурыҙ, Кирәбе, Поляковка, Туң-ғатар ауыл Советтарында бюджеттың үҙ-үҙен тәь-мин итеүе түбән дәрә-жәлә. Район хакимиәте башлығы мәсьәләнең айырым контролгә алыныуын билдәләне, ауыл Советтары биләмәләрендә эшләүсе крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси эш-ҡыуарҙарҙың эшмәкәрлек-тәрен тикшереүҙе йөкмәтте. - Урындағы һалымдарҙы йыйыу эшен көйләү - килемле бюджеттың нигеҙе ул, - тип билдәләне Фәрит Фәтих улы. - Был һеҙҙең аҡса бит. Урындағы ҡаҙнаға һалымдарҙың тейешлесә кереүен күҙәтергә тейешбеҙ. Кәңәшмәлә ер участкаларын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын инвентаризациялау мәсьәләләренә лә етди иғтибар бүленде. Дөйөм алғанда, район буйынса 86,6 мең объект тик-шерелгән, план 84 про-центҡа үтәлгән. Шулай ҙа был тармаҡта етешһеҙлектәр юҡ түгел - Илсеғол, Илсе, Иманғол, Ҡунаҡбай ауыл Советтарына кисекмәҫтән объекттарҙы теркәргә кә-рәк. Уральск, Ураҙ, Яңы Байрамғол, Наурыҙ ауыл ултыраҡтарында был эште тамамлағандар ҙа инде. Агросәнәғәт комплек-сында 2018 йылдың тәүге ярты йыллығында бөтә төр хужалыҡтарҙа 719 млн һумлыҡ тулайым продукция етешетерелгән, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 106 процент тәшкил итә. Тулайым продукцияның дөйөм күләменең 72 процентын шәхси йорт хужалыҡтары етештергән, 18 проценты ауыл хужалығы предприя-тиеларына тура килә, ә 9,7 процентты КФХ-лар тәьмин иткән. Бөгөнгө көндә яңы инвесторҙар йәлеп итеү һәм буш ятҡан ерҙәрҙе файҙаланыу тармаҡ алдына ҡуйылған мөһим мәсь-әләләр рәтендә. Район хакимиәте башлығы ауыл хакимиәттәренә үҙ йөрөшлө машиналарҙы, тракторҙар-ҙы техник ҡарауҙа булышл-ыҡ итергә ҡушты һәм шәхси хужалыҡтарҙағы эре мөгө-ҙлө малдарҙы биркалау ка-мпанияһы мәғлүмәттәре буйынса райондағы мал һа-нын асыҡлауҙы бойорҙо. Социаль өлкәгә килгәндә, уйланырға урын бар. Шулай, быйыл беренсе ярты йыллыҡта халыҡ һанының 143 кешегә кәмеүе күҙәтелә. Миграция мәсьәләләре менән бәйле кәмеү - 122 граждан, тәбиғы кәмеү - 21 кеше. Халыҡ һанының артыуы Амангилде, Иман-ғол, Наурыҙ, Сәфәр, Учалы ауыл Советтарында кү-ҙәтелә. Ҡалған ауыл хаки-миәттәрендә халыҡ һанын-ың тәбиғи кәмеүе теркәлгән. Туңғатарҙа (минус 16 кеше) һәм Миндәктә (11 кеше) иң хөрт күрһәткестәр. Гүзәл ЛАТИПОВА. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Хәрби комиссариат бүлегендә ҡыҙыу осор. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем армия сафына ҡабул итеү кампанияһы бара. Мәләүез районы һәм ҡалаһы, Федоровка районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров әйтеүенсә, яҙғы саҡырылышта 141 ир-егетте хеҙмәткә оҙатыу ҡаралған. Хәрби комиссариат бүлегендә ҡыҙыу осор. 1 апрелдән 15 июлгә тиклем армия сафына ҡабул итеү кампанияһы бара. Мәләүез районы һәм ҡалаһы, Федоровка районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров әйтеүенсә, яҙғы саҡырылышта 141 ир-егетте хеҙмәткә оҙатыу ҡаралған. Уҙған йылдың ошо осоронда улар 127 кеше булған. Һалдаттар илебеҙҙең төрлө мөйөшөнә юлланасаҡ. Апрелдән армияға алынғандар Мәскәү эргәһе, көньяҡ, Алыҫ Көнсығыш, Калининград, Санкт-Петербургтың төрлө ғәскәрендә һалдат бурысын үтәй ҙә инде. Егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә әҙерлеге яҡшы. Араларында сәләмәт тормош алып барған, даими спорт менән шөғөлләнгәндәр бар. Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға дин әһелдәре, хәрбиҙәр саҡырыла. Әле лә Екатеринбург ҡалаһынан килгән рота старшинаһы Әсхәт Ҡазбулатов әрме тормошо тураһында телмәр тотто, яҡташтарына уңыш теләне. Дин әһеле Рафаил доға ҡылды. Мәләүез районы һәм ҡалаһы, Федоровка районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров армияға алыныусыларҙың имен хеҙмәт итеүен теләп, һәр береһе менән ҡул биреп һаубуллашты. Тыуған яҡ, яҡындар, дуҫтар менән айырылышыу минуттары бик ауыр. Шуға ҡарамаҫтан, егеттәр һыр бирмәй хәрби кәйеф менән юлға сыҡты. Имен йөрөгөҙ, уңыш юлдаш булһын, егеттәр!
РФ Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған ҡарарҙан күренеүенсә, киләһе йылда Рәсәйҙә эшһеҙлек буйынса пособие элгәре күләмдә ҡаласаҡ. Ҡарар 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы баҫтырып сығарған проекттан күренеүенсә, 2020 йылда эшһеҙлек буйынса пособие күләмен арттырыу планлаштырылмай. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, июнь-август айҙарында Рәсәйҙә эшсе көстәр 75,5 миллион кеше тәшкил иткән. Шуларҙың 3,3 миллионы – эшһеҙҙәр, шул иҫәптән 24 проценты — 25 йәшкә тиклемге йәштәр, 18,1 проценты — 50 һәм унан өлкәнерәк йәштәге кешеләр. Эшһеҙҙәрҙең уртаса йәше – 35,5. РИА Новости агентлығы үткәргән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, уҙған йәй һөҙөмтәләре буйынса эшһеҙлектең иң түбән дәрәжәһе – Мәскәүҙә, иң юғарыһы Ингушетияла билдәләнгән. https://tatar-inform.t Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөгөн – Рәсәй полицияһы көнө. Ошо уңайҙан йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса еңел булмаған хеҙмәтте үтәгән кешеләр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Зарт, миңә табан! Ленин проспекты һәм Стахановсылар урамдары киҫелешендәге торлаҡ районды полиция хеҙмәткәрҙәре ҡамап алған көндө күп кенә ишембайҙар хәтерләйҙер. Ә ҡалала был мәл йорттарҙың береһендә шартлатҡыс ҡоролма табылыуы тураһында хәүефле имеш-мимештәр йөрөнө. Бәхеткә күрә, бомба табылманы. Ул ваҡытта ошо ваҡиға уртаһында булып, хәүефтең көсөн асыҡлаусылар араһында кинолог-полицейский Рифат Сафин һәм уның тоғро эте немец овчаркаһы ла бар ине. - Зарт шартлатҡыс матдәләрҙе эҙләү буйынса махсуслаша, - ти өлкән сержант. – Эт аҡыллы, яҡшы әҙерлекле. Рифат дүрт аяҡлы ярҙамсыһының һынатмаҫына ышана. Ләкин кинологтар әйтеүенсә, хатта иң яҡшы эт тә эштең ни бары 20 процентын ғына үтәй ала. Ҡалған 80 процентын уның хужаһы эшләргә тейеш. Яңы Әптек ауылы егетендә полицейский, бигерәк тә кинолог булыу хыялы булмай ҙа. Әлбиттә, ул эттәрҙе бала саҡтан ярата, үҙенеке лә була. Ләкин дүрт аяҡлы дуҫ менән һөнәри эшләргә тура килер тип уйламай. Армияға тиклем автослесарь һөнәрен үҙләштереп, эске ғәскәрҙәр сафында хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Эске эштәр министрлығы бүлегенә эш эҙләп килә. Һәм яңылышмай. Водитель булып эшкә урынлаша. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәш белгескә кинолог булырға тәҡдим итәләр. Һәм яңы урында ул үҙен тапҡанын аңлай. - Эшем бик оҡшай, дүрт аяҡлы дуҫымды күрергә хатта ял көндәрендә өс йәшлек ҡыҙым менән киләбеҙ. Улар Зарт менән һәйбәт дуҫтар. Улым да ҙурайһа, әле уға һигеҙ генә ай, уны ла мотлаҡ үҙебеҙ менән аласаҡбыҙ, - ти кинолог. Рифат Сафин бөгөн Өфө юридик институтының икенсе курсында ситтән тороп уҡый. Хыялы – полиция офицеры булыу. - Ә эттәр менән инде бер ҡасан да айырылмам. Зарт “пенсияға” сыҡһа, уны үҙ ғаиләмә алам. Ул ваҡытҡа үҙебеҙҙең дә өйөбөҙ булыр, тип ышанам. Ҡала ситендә беҙгә ер участкаһы бүлделәр инде... – ти ул. (Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 89-90-сы һанында (10.11.2017) уҡығыҙ) Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Хәҙерге заман кешеһе мәктәпте тамамлағандан һуң математиканан бик иҫәпләп бармай, сөнки ҡул аҫтында теләһә ниндәй мәсьәләләрҙе лә тиҙ генә сисә алған төрлө гаджеттар бар. Ғәҙәти булмаған AlbertClock cәғәтен уйлап сығарыусылар был хәлгә сик ҡуйырға һәм беҙҙе йышыраҡ иҫәпләргә ҡушырға уйлаған. AlbertClok сәғәтенә күҙ һалыу менән кешеләр ирекһеҙҙән ҡуша, ҡабатлай һәм бүлә башлай, сөнки дөрөҫ ваҡытты белеү өсөн бер нисә ябай математик операция ғына башҡарырға кәрәк. Сәғәттең 4 кимәл ҡатмарлылығы бар, ә бәләкәй мәсьәләләр һәр минут һайын яңырып торорға мөмкин. AlbertClok сәғәте тәү сиратта мәктәп кластарында урынлаштырыу өсөн сығарыла, әммә ваҡыт үтеү менән был ғәҙәти булмаған прибор өлкәндәрҙә лә ҙур популярлыҡ менән файҙалана - мәҫәлән, өйҙә һәм эш урынында ҡуйыу өсөн. Сәғәттең минималь дизайны иң мөһиме нәмәнән - дөрөҫ ваҡытты иҫәпләп сығарыуҙан иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәй. Материалдар, фото: Mydiskoveries.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Өфө районында урынлашҡан «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһында янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте үҙенең производство объекттарының береһендә – Өфө районында урынлашҡан «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһында янғын-тактик уҡыуҙар үткәрҙе. Был уҡыуҙар Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизоны һәм «Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһының киҫкен хәл килеп тыуғанда йәки резервуар паркта янғын сыҡҡан осраҡта бер-береһе менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеген тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Алдан әҙерләнгән сценарий буйынса, нефть һаҡлауға тәғәйенләнгән 5 мең куботметр һыйҙырышлы резервуарҙа янғын сыҡты. Янғын урынына тәүгеләрҙән булып 60-сы янғын-ҡотҡарыу дежур ҡарауылы килеп етте. Ҡарауыл начальнигы шунда уҡ янғындың юғары хәүефлеген билдәләне һәм шартлы янғынды һүндереү өсөн автомобилдәрҙе кисекмәҫтән һыу сығанаҡтарына көйләргә һәм резервуарҙа янғынды һүндереү үҙәгенә тоташтырырға ҡушты. Янғын күбек менән тәьмин итеүсе махсус ҡорамал ярҙамында күбек менән һәм резервуар стеналарын һыуытыу ысулы аша һүндерелде. Күнекмәлә барлығы янғысылар подразделениеһы һәм станция персоналынан ғибәрәт булған 43 кеше ҡатнашты, ете техника берәмеге йәлеп ителде. Янғынсылар һәм станция хеҙмәткәрҙәренең етеҙлеге ярҙамында “янғын” норматив ваҡытта һүндерелде һәм “ут” Черкассы» линиялы производство-диспетчер станцияһының башҡа производство объекттарына таралып өлгөрмәне. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Уҡытыусы — донъялағы иң яуаплы, иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Был донъяла бөтә һөнәр эйәләренә уҡытыусылар белем бирә. Мәктәп эскәмйәһе, техникум, юғары уҡыу йорто , хатта тормош юлында ла фәһемле кәңәштәре менән һине изге күңелле уҡытыусы оҙата килә. Районыбыҙҙа уҡытыусы һөнәренә вазифаһы менән генә түгел, ә бөтә булмышы, йәне- тәне менән бирелгән, ошо өлкәлә киң йәмәғәтселектең оло абруйын ҡаҙанған белгестәр бик күп. Үткән аҙнала район мәҙәниәт йортонда Уҡытыусылар көнөнә арналған тантана уҙҙы. Унда әлеге көндә мәктәптә эшләп йөрөгән уҡытыусылар һәм шулай уҡ оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән, хәҙерге көндә хаҡлы ялда булған ветеран уҡытыусылар саҡырылды. “Ҡәҙерле уҡытыусылар! Һеҙҙе оло байрамығыҙ — һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр эшегеҙҙә уңыштар һәм түҙемлелек теләйбеҙ!,” — тигән матур һүҙҙәр менән алып барыусылар кисәне асып ебәрҙе. Педагогтарҙы ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Илшат Әминевҡа бирелде. — Бөгөн беҙ ғүмерҙәрен ер йөҙөндәге иң кәрәкле һәм изге һөнәр менән бәйләгән, йәш быуынды тәрбиәләү һәм уҡытыу өсөн иң күп көс һалған кешеләр — уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Беҙҙең район педагогтары заман менән бергә атлай, инновацион уҡытыу алымдарын үҙләштерә, даими рәүештә белем биреү сифатын күтәреү өҫтөндә эшләй. Һөнәрҙәренә тоғролоҡ һаҡлаған, эштәренә ижади ҡараған талантлы уҡытыусылар менән ғорурланабыҙ, — тине Илшат Нәжмитдин улы һәм киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә һәм мәғариф өлкәһендә уңыштар ҡаҙанған өсөн Л.М.Куруноваға (2-се Архангел мәктәбе директоры), Л.М.Эгитҡа (район мәғариф бүлеге методисы) Мәғариф министрлығының почет грамоталарын, Г.Л.Аҫылбаеваға мәғариф алдынғыһы күкрәк билдәһен, шулай уҡ бер төркөм уҡытыусыларға район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын, Н.Ш.Канбековаға (педагогик хеҙмәт ветераны) һәм З.С.Ғафаровҡа (Зәйет төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры) “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл” юбилей миҙалын тапшырҙы. Уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары уңайынан район мәғариф бүлеге начальнигы А.В.Матвеев ҡотлап, йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. — Беҙҙең район педагогтары иң талантлы, иң яҡшылары — улар беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Урында 20 мәғариф учреждениеһы эшләй, уларҙа бөтәһе 2160 уҡыусы, 1021 мәктәпкәсә йәштәге балалар иҫәпләнһә, 423-ө — уҡытыусылар. Улар мәғариф системаһын модернизациялауҙа уңышлы эшләй, федераль дәүләт белем биреү стандарттарын үҙләштерә, уҡытыуҙың заманса ысулдарын өйрәнә. Архангел ере бөтә ғүмерен мәктәпкә, уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған кешеләргә бай. Ошо һөнәргә һөйөү уятып, балалары, ейәндәре уларҙың юлын дауам итеүен күреү ҡыуаныслы. Әллә нисә быуын педагогтар биргән уҡытыусылар династиялары районда бихисап. Андрей Валентинович үҙенең сығышында район мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәрҙең барыһына ла — уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, белем биреү учреждениелары етәкселәренә, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы эштәре, бурыстарына яуаплы ҡарауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. — Һеҙҙең тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә әүҙем, ижади һәм инициативалы быуын үҫеп килә. Уларҙың төрлө конкурстарҙа, район, республика, ил кимәлендәге олимпиадаларында еңеүҙәре һеҙҙең ныҡышмал эшегеҙ күрһәткесе, — тип белдерҙе район Советы рәйесе Рәүф Рәхмәтуллин. — Балаларға булған сикһеҙ һөйөүегеҙ, һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт. Тантанала үҙҙәренең фәнен уҡытыу буйынса юғары һөҙөмтә биргән, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән бер төркөм педагогтар һөнәри байрам айҡанлы район Советының һәм мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Ғөмүмән, сара барышында уҡытыусыларға бик күп ҡотлау һүҙҙәре әйтелде. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк ителде. Рәғиҙә Ғиззәтуллина. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Радий Хәбировтың инаугурацияһы тантанаһында ҡатнашҡан Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов фекерҙәре менән уртаҡлашты. Радий Хәбировтың инаугурацияһы тантанаһында ҡатнашҡан Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһына лайыҡ. Мин уға уңыштар, үҙенең сығышында әйтелгән пландарын тормошҡа ашырыуын теләйем. Минең уйымса, Радий Хәбировтың башланғыстары тормошҡа ашһа, халыҡ бик ҡәнәғәт буласаҡ, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Радий Фәрит улы һайлаусыларҙың, Рәсәй Президенты һәм үҙенең командаһының ышанысын аҡларға һүҙ бирҙе. Республика матбуғатынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
2020 йылдың 1 декабрендә физик шәхестәргә 2019 йыл өсөн мѳлкәт, ер һәм транспорт һалымдарын түләү ваҡыты етә. Һалым инспекцияһы граждандарға һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙарын ебәреүҙе тамамланы.Әгәр һеҙ фатир, йорт, ер бүлеме, автомобиль йәки башҡа төр мөлкәт хужаһы булып та, почта аша һалым түләүе тураһында белдереү ҡағыҙы килмәһә, ул саҡта уны үҙегеҙгә барып юлларға кәрәк булыр. Һалым түләүе тураһында белдереүҙе шәхесте раҫлаусы документ арҡылы һалым инспекцияһында йәиһә күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин. 2020 йылдың 1 декабрендә физик шәхестәргә 2019 йыл өсөн мѳлкәт, ер һәм транспорт һалымдарын түләү ваҡыты етә. Һалым инспекцияһы граждандарға һалым тураһында белдереү ҡағыҙҙарын ебәреүҙе тамамланы. Әгәр һеҙ фатир, йорт, ер бүлеме, автомобиль йәки башҡа төр мөлкәт хужаһы булып та, почта аша һалым түләүе тураһында белдереү ҡағыҙы килмәһә, ул саҡта уны үҙегеҙгә барып юлларға кәрәк булыр. Һалым түләүе тураһында белдереүҙе шәхесте раҫлаусы документ арҡылы һалым инспекцияһында йәиһә күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин. Һалым иҫәпләмәһен шулай уҡ “Физик шәхестәр ѳсѳн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет-сервисы йәки “Физик шәхестәрҙең һалымы” мобиль ҡушымтаһы аша ҡарарға һәм түләргә була. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, электрон документ әйләнешенән баш тартмаған Шәхси кабинет менән ҡулланыусыларға һалым белдереүҙәре тик электрон рәүештә генә ебәрелә. Шәхси кабинеттың паролен онотҡан осраҡта, яңы паролде һалым инспекцияһында йәиһә күп функциялы үҙәктә теркәү картаһына ғариза яҙып алырға мөмкин. Һалымды яҡында урынлашҡан банк йә почта бүлегендә, түләү терминалдарында, шулай уҡ һалым түләүсенең Шәхси кабинеты йәки мобиль ҡушымта аша онлайн режимда түләргә була. Мөлкәт һалымы йәиһә уның иҫәпләмәһе йәһәтенән һорауҙар килеп тыуғанда, Рәсәй һалым хеҙмәтенең www.nalog.ru сайтындағы “ Һалым белдереүҙәре 2020” интерактив битен асып ҡарарға мөмкин. Һорауҙарға үҙаллы яуап таба алмағанда иһә һалым инспекцияһына шәхсән мөрәжәғәт итә йәки 8-800-222-22-22 телефон һандарын йыйып, бәйләнеш-үҙәккә шылтырата алаһығыҙ. Һалым түләү өсөн бер айҙан кәмерәк ваҡыт ҡалды. Был эште оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай әле үк түләп ҡуйыу мотлаҡ. Һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итеү өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй. Учреждение дүшәмбе, шаршамбы көндәре - 9.00-18.00, шишәмбе һәм кесаҙна - 9.00-20.00, йома 9.00-16.45 сәғәттәрҙә эшләй. “Инспекцияға онлайн яҙылыу” Интернет сервисы аша яҙылғандар тәү сиратта ҡабул ителә. Фото: proletarskoe.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Замананың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, изгелеккә һәр ваҡыт урын бар. Татарстан Республикаһында эшләүсе эшҡыуар Матлаб Вәлиев, бер ниндәй коронавирустан да ҡурҡып тормайынса, Ураҙа байрамы алдынан район үҙәгендә йәшәүсе мөмкин леге сикләнгән Анна исемле ҡыҙыкайға күп функциялы медицина карауаты бүләк итте. Анна өсөн Мәскәүҙән махсус рәүештә ҡайтартылған был уңайлы карауатты тапшырырға килгәс, Матлаб үҙенең был аҙымын ябай ғына аңлатты. –Кешеләр бер-береһенә һәр ваҡыт ярҙам итергә тейеш. Бөгөн минең мөмкинлегем бар икән – ниңә ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа? Ошондай уҡ ярҙамдың иртәгә миңә лә кәрәк булыуы ихтимал бит. Ысынлап та, һүҙгә һаран булһа ла, был шәхси эшҡыуарҙың ҡылған эше изге. Уның киң күңеллелеге арҡаһында ауыр һынауҙарға дусар булған ябай ауыл ҡатынының күптәнге хыялы тормошҡа ашты, Аллаға шөкөр. Сире көслө булһа ла, киләсәккә өмөтөн юғалтмаған был ҡатындың күҙҙәренә ҡарап торған ике балаһының да рәхмәттәре төшөр әле оло йөрәкле Матлаб Вәлиевҡа. Бөгөнгө көн геройҙары ысынлап та, беҙҙең арала йәшәй икән. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Дәүләтебеҙҙең көсө һәм ҡеүәте тотороҡло иҡтисад, көслө армияға ғына ҡайтып ҡалмай, ә ныҡлы, берҙәм ғаиләләргә лә бәйле. Ундай ғаиләләр ни тиклем күберәк, дәүләтебеҙ ҙә шунса көслөрәк. Бөгөн беҙ Йонос ауылынан Гөлсинә һәм Фирғәт Мөнировтарҙың һөйөү һәм татыулыҡта, ата-әсәләр менән балалар бер-береһен аңлап йәшәгән ғаиләһе тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Ир менән ҡатындың икеһенең дә хеҙмәт юлы педагогик эшмәкәрлек менән бәйләнгән. Гөлсинә Юлай ҡыҙы Бөрө институтының филология факультетын тамамлаған. Бөгөн ул Йонос урта мәктәбе директоры, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы булып эшләй. Күп йыллыҡ хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеменә эйә. Фирғәт Риф улы – физкультура, технология һәм йәшәү эшмәкәрлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, мәктәптә “Сапсан” хоккей командаһын ойошторған, команда – мәктәптең генә түгел, ә район ғорурлығы. – Беҙҙең мәктәп балалары хоккей менән бик теләп шөғөлләнә. Улар хатта йәй көнө лә күнекмәләрҙән туҡтамай. Команда менән беҙ республика ярыштарында ҡатнашабыҙ, унда йәш хоккейсылар уйын ғына түгел, ә тормош тәжрибәһе лә ала. Хоккей – ҡиммәтле спорт төрө. Бында беҙгә элекке мәктәп тамамлаусылар, район ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәре ҙур ярҙам күрһәтә, – ти тренер. Уларҙың һөнәри эшмәкәрлектәре лә, ғаилә тормоштары ла уңышлы бара. Ир менән ҡатын ғорурланырлыҡ дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Алина нефть университетын тамамлаған, Яңы Уренгой ҡалаһында банкта юридик ойошмалар менән эшләү буйынса баш белгес. Вәсил – РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәре Пермь хәрби институтының I курс курсанты. Ғайсар 10-сы клас-та уҡый, Туймазы ҡалаһында үткән шайбалы хоккей буйынса БР беренселегендә “Иң яҡшы уйынсы” булған, ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионты финалында ҡатнашҡан. Ағаһы кеүек ул да хәрби булырға хыяллана. Ғәлиәскәр – 8-се класс уҡыусыһы, Ҡыйғы районы хоккей командаһы составында республика чемпионы булған. – Иремә рәхмәтлемен. Уның өлгөһөндә балаларыбыҙ сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, спортты ярата, – ти Гөлсинә Юлай ҡыҙы. Ғаилә бәхете нимәлә, тигән һорауға 25 йыл тиерлек ҡулға-ҡул тотоношоп тормош һуҡмағынан атлаған пар: “Беҙҙең бәхетебеҙ һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа”, – тип яуапланы.
4 сентябрҙә Бөтә Рәсәй киҙеүгә ҡаршы вакцинация кампанияһы башланды. Башҡортостанда быйыл ки¬ҙеүҙән (грипп) халыҡтың 45 про¬центын вакцинациялау күҙаллана. Һандарға килгәндә, һүҙ 1,83 миллион кеше, шул иҫәптән 418 мең бала тураһын¬да бара. Был хаҡта республи¬каның һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйте¬үенсә, вакцинациялау осоронда айырым иғтибар балаларға, ауырлы ҡатындарға, хроник сирле кешеләргә, 60 йәштән ололарға, медицина хеҙмәткәр¬ҙәренә бүленәсәк. Анығыраҡ әйткәндә, биш мең ауырлы ҡатын-ҡыҙға прививка яһау күҙаллана. Профилактик саралар 15 ноябрҙә тамамла¬нырға тейеш. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
“Уңайлы мөхит” проекты Башҡортостанда йәшәүсе сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе эшле итеү өсөн йүнәлешле эшләй. “Уңайлы мөхит” проекты Башҡортостанда йәшәүсе сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе эшле итеү өсөн йүнәлешле эшләй. Эш биреүселәрҙең инвалидтар өсөн инфраструктура булдырыу, адаптация үткәреү буйынса сығымдары ҡаплана. 2010 йылдан алып инвалидтар өсөн 2 меңдән ашыу эш урыны булдырылған, быйыл 125 урын өсөн 11 миллион һум йүнәлтелгән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Оҙайлы киҙеүҙән (субфебрилитет) яфаланғандарға иммунитетты көсәйтеү өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү шарт. Туйғансы йоҡлағыҙ. Төнгө сәғәт 10–11-ҙән дә һуңға ҡалмайынса йоҡларға ятығыҙ. Физиологияны тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, беҙҙең йоҡо фазаларға ғына түгел, циклдарға ла бүленә икән. Мәҫәлән, төнгө сәғәт 1-гә тиклемге арауыҡта нервы һәм эндокрин системалар көйләнә. Артабан организм “таҙарына”, ағыулы матдәләр, микробтарҙың ҡалдыҡтары сығарыла башлай. Был мәлдә бауыр көсөргәнешле эшләй. Йоҡо режимы үтәлмәһә, был процестарҙың эҙмә-эҙлеклелеге боҙола, иммун системаһы һынауҙарға дусар ителә. Иртәнге аш аҡһымға бай булһын. Йоҡонан торғас та, йомортҡа ашағыҙ. Иртән үҙләштергән аҡһым организмдағы күҙәнәктәрҙе, туҡымаларҙы яңыртыуға тотонола. Киске аштан алынған аҡһым иһә, аш һеңдереү әкрен барғанға күрә, нигеҙҙә, эсәктәрҙәге патоген микрофлораны (әйткәндәй, ул иммунитетҡа ныҡлы йоғонто яһай) туйындырыуға китә. Сифатлы май ашағыҙ. Бауырға һәм үт ҡыуығына май бик файҙалы. Айырыуса ҡабаҡ менән гөлйемеш майының үт сығарыуға булышлыҡ итеүе билдәле. “Үҫемлек иммуномодуляторҙары”на битараф ҡалмағыҙ. Шайтантаяҡ төнәт­мәһе, һоло һәм арпа бешкән һыу иммунитет өсөн бик файҙалы. Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе бер нисә аҙна дауамында үтәһәгеҙ, хәлегеҙ һәйбәтләнер, көс-ҡеүәтегеҙ артыр. Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Еңеү байрамы алдынан һуғыш ветеранын класс сәғәтенә саҡырҙыҡ. Ул юбилей айҡанлы бирелгәндәрен түгел, яуҙа алған берҙән-бер миҙалын тағып килгәйне осрашыуға. Әңгәм-әләшеү, аралашыу бик тә йылы, ихлас шарттарҙа үтте. Балалар береһе икенсеһен уҙҙыр-ып, бүлеп төпсөнәләр генә. Осрашыу аҙағында бер малай, олатай, был награданы ни өсөн алдың, тип һораны. — Һуғышта мин ашнаҡсы булдым бит, балалар. Ҡашығаяғымды шауҙырлатып Сталинградтан Венгрияға ҡәҙәр барып еттем. Мәлендә өлгөртөп аш бешергән өсөн бирҙеләр мыны, маршал Василевский үҙе тапшырҙы. — Ҡәҙерлелер, йөҙө һиҙелеп тоноҡ-ланған, таға барып сепрәге төҫһөҙләнеп бөткән миҙалын һыйпай биреп ҡуйҙы. — Кемдәрҙе ашаттығыҙ инде? — тигән сираттағы бер ҡатлы, мәғәнәһеҙ һорауға һүҙҙең йәбен, рәтен белмәгән ауыл ҡарты юғалыңҡырап ҡалды башта, шунан силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй былай тип яуапланы. — Мин бит гел алғы һыҙыҡта йөрөнөм, осраҡлы ылауға палиуая күхнәмде тағып. Асыҡһалар яныма килеп беҙҙекеләр ҙә ашап китәләр ине… нимесләр ҙә… Бөтә класс менән дәррәү көлөп ебәрҙек, беҙгә ҡунағыбыҙ ҙа ҡушылды. Совет һал-датының һуғышта дошмандың тамағын ҡайғыртып, уны һыйлап йөрөмәгәнлеге билдәле, шулай ҙа ер йөҙөндә ике демократик һөнәр бар - медицина хеҙмәткәре һәм ашнаҡсы. Уларҙың изге бурысы — кешене дауалау һәм ашатыу. Кем булыуына ҡарамаҫтан.
Быйыл августа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың МАКС авиасалонында Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоганға һәм үҙенә туңдырма һатып алыуы күптәрҙең хәтерендәлер. Президент “Кореновка һәүкәше” (“Коровка из Кореновки”) туңдырмаһын быға тиклем дә маҡтап телгә алған икән. 2017 йылдың июлендә Жуковскийҙағы МАКС авиасалонына барғанында ул министрҙарҙы ошо тәмлекәс менән һыйлаған. 2018 йылдың мартында иһә ул Краснодарҙағы Лукьяненко исемендәге Милли иген үҙәгендә Кореновка туңдырмаһын “иң тәмлеһе” тип билдәләгән. Кореновка һөт-консерва комбинаты туңдырманан тыш, ҡуйыртылған һөт, ойотолған һөт ризыҡтары, май етештерә. Уның Краснодар крайында һәм Белгород өлкәһендә ике предприятиеһы бар. Тиҙҙән Краснодарҙа комбинат Президенттың яратҡан туңдырмаһын экспортҡа сығарыу өсөн цех төҙөргә ниәтләй. #ВладимирПутин https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/y-n-putindy-yarat-an-tu-dyrma-y-kha-ynda-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Ышанач" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Яңыраҡ ҡала почталарының береһенә кереп сығырға булдым. Бер касса алдында «ваҡытлыса эшләмәй» тигән яҙыу тора. Икенсеһендә халыҡ һыу буйы сиратҡа теҙелгән. Кемдер мәктәпкә, балалар баҡсаһына түләй, кемдер фатир, коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшә, бәғзеләре посылка алырға килгән. Халыҡ түҙемһеҙле Яңыраҡ ҡала почталарының береһенә кереп сығырға булдым. Бер касса алдында «ваҡытлыса эшләмәй» тигән яҙыу тора. Икенсеһендә халыҡ һыу буйы сиратҡа теҙелгән. Кемдер мәктәпкә, балалар баҡсаһына түләй, кемдер фатир, коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшә, бәғзеләре посылка алырға килгән. Халыҡ түҙемһеҙлек менән үҙенең сиратын көтә. Шулар араһында бер башҡорт ағайы сабырлығы сигенән сығып, почта хеҙмәткәре янына килеп әрләшә башламаһынмы? - Ҡыҙым посылканы бер ай элек ебәрҙе. Ә белдереү ҡағыҙы миңә һаман килмәне. Уның ҡасан килеп етерен мин нисек белергә тейеш? Ҡарағыҙ компьютерығыҙҙан шуны, - тип ярһыны ул. Почта хеҙмәткәре компьютерынан нимәлер ҡараны ла, тыныс ҡына: - Посылка 12 ғинуарҙа килгән, - тип яуап ҡайтарҙы. - Ә бөгөн нисәһе һуң? 20 ғинуар бит. Ни өсөн белдереү ҡағыҙы ебәрмәнегеҙ? Нисә көн үтеп киткән? Шунда нимәлер соҡоноп, эшһеҙ тик ултыраһығыҙ. Почтаны сауҙа нөктәһенә әйләндерҙегеҙ. Ә төп эшегеҙҙе эшләмәйһегеҙ. Гәзиттәр ҙә йүнләп килмәй. Прокуратураға, Президентҡа ялыу яҙасаҡмын, былай ғына ҡалдырмайым. Һеҙҙе йүгәнләү сараһын табырмын, - тип әрләшә-талаша бабай посылкаһын алып сығып китте. Бәхәскә берәү ҙә ҡыҫылманы. Янымда торған бер әбей, ишетелер-ишетелмәҫ кенә: «Үәт, бабай дөрөҫ әйтте», - тип ҡуйҙы. Миңә сиратымдың килеп етеүен бер сәғәткә яҡын көтөргә тура килде. Икенсе касса артында ултырған ҡатын нисек кенә булмаһын, барыбер кешеләрҙе ҡабул итмәне. Мин үҙем дә күп әйберҙәрҙе интернет аша заказ менән алам. Посылкалар килеүе хаҡында белдереү ҡағыҙын килтермәүҙәре, әлбиттә, йәнде көйҙөрә. Әгәр ваҡ посылка ебәрһәләр, почта хеҙмәткәрҙәре йәшниккә ырғыта ла китә. Ундағы заказдарға яуыз ниәтле кешеләр «айыу майын һөртә». Подъезд иҙәнендә ҡаптары ғына ятып ҡала. Ә почтаны сауҙа нөктәһенә әйләндереүҙәренә килгәндә, ысынлап та, был шулай. Нимәләр генә һатылмай бында: сәйе лә, кәнфите лә, уйынсыҡтар ҙа, йыуыныу әйберҙәре лә, хатта постель кәрәк-яраҡтары ла. Бәлки уларға «өҫтән» шулай ҡушылғандыр. Әммә мин күпме генә почтаға керһәм дә, унан аҙыҡ-түлек, йәки берәй әйбер һатып алған кешене күргәнем булманы әле. Тик бына гәзит-журналдарҙың ваҡытында килмәүе, ысынлап та борсоуға һала. Яҙылыусыларыбыҙ көн дә тиерлек, «Салауат» гәзите килмәй, тип шылтырата. Саҡ йөрөгән әбей-бабайҙар таяғына таянып редакцияға килеп тә етә. Барлы-юҡлы яҙылыусыларыбыҙҙы шулай юғалтырбыҙмы?..
Институтты бөтөп, эшләй башлағанда рус теленә башҡорт теле аша өйрәтә инек. Мәҫәлән, наречие- рәүеш, словосочетание- һүҙбәйләнеш, тип. Хәҙер киреһенсә икән, балалар бөтөн нәмәне лә русса нисек, тип һорайҙар. Русса фекерләй икән уҡыусыларҙың күбеһе. Бәләкәй кластарҙа башҡортса бөтөнләй аңламаған балалар бар. Бер мәл ата-әсәләр: "Беҙ русса белмәй, ыҙаланыҡ, балам йонсомаһын",- ти инеләр. Хәҙер руссаға тиҙ өйрәнәләр, ата-әсә теләһә лә, башҡортса һөйләтеп булмай, тиҙәр. Шул русса белмәй ыҙаланыҡ, тигәндәрен аңларға ла була кеүек. Шулай ҙа... ... Өфөлә БДПИның урыҫ- башҡорт бүлегенә инеп уҡый башлағанда бүлмәлә 4 ҡыҙ йәшәнек. Барыбыҙ ҙа ауылда башҡорт мәктәбен тамамлап килгән ҡыҙҙарбыҙ. Уҡый башланыҡ. Рус бүлегенең ҡыҙҙары беҙгә инеп сыға ла: "Һеҙ русса ҡалай ҡыҙыҡ һөйләшәһегеҙ ул, китапса",- тип сығалар. "Рус теленә Пушкин, Тургенев әҫәрҙәре аша өйрәнгәс, шулай була инде,"- тибеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең тел шулай булып ҡалды ла. Русса ирешергә тәки өйрәнә алманым. Бөрйәндең иң төпкөл ауылында тик башҡортса ғына уҡып килгән Гөлшаттың рус әҙәбиәтен иҫ киткес тәрән белеүенә һоҡлана торғайныҡ. Зөлфиә урыҫ теленән бер хатаһыҙ яҙҙы. Мәүлиҙә лә был фәндәрҙән күберәк “5” алды. Улар ҙа башҡорт мәктәбен бөтөп килгән ҡыҙҙар ине. Был ғәҙәти хәл тип ҡараныҡ хатта. Бер мәл урыҫ бүлеге ҡыҙҙары миңә килә башланы: урыҫ теленән, иҫке славян теленән ярҙам һорайҙар. Ярҙам итәм, мәгәр эстән: әәәә, мәрйә, үҙ телеңдән ярҙамды төпкөл башҡорт мәктәбен тамамлаған ҡыҙҙан һорайһың әле, тип уйлап ултырам. Шулай, башҡорт мәктәбен бөтһәк тә, бирешмәнек, үҙебеҙҙе кәм тойманыҡ. Төркөмдәге башҡа ҡыҙҙар тураһында ла ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтергә була. Әйткәндәй, факультетта рус теле буйынса "Иң грамоталы студент" конкурсында һәр ваҡыт мин еңеүсе булдым. Йыл һайын. Урыҫтарҙы ла алдыма сығарманым. Бөтә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында ла призлы урындар алдым. Дилә һеңлем институтҡа математиканы башҡортса уҡып барһа ла, ул фәнде урыҫ телендә өйрәнгәндәр Диләнән консультация һорап, эйәреп йөрөнөләр. Быны маҡтаныр өсөн әйтмәйем. Башҡорт теле беҙгә бер ҙә ҡамасау булманы. Миҫалдарҙы тағы ла килтерә алам. Быныһы ла етеп торор әлегә. Әлбиттә, бында совет мәктәбе тураһында ла әйтергә кәрәк. Ләкин уны емереп, урынына йүнле -башлы система тәҡдим итә алманылар, киреһенсә, деградация кимәленә яҡынлашҡан һымаҡ тойола ул әле беҙгә, ҡарт кадрҙарға. Хәҙерге балалар русса белә, тип маҡтанырлыҡ түгел, икмәк- тоҙлоҡ ҡына белә, шулай уҡ урыҫ балалары ла шул кимәлдә. 200-300 урыҫ һүҙе, тағы ла инглиздән ингән, боҙоп әйтелгән һүҙҙәр, ҡалғанын үҙегеҙ беләһегеҙ. Туған телебеҙҙең хәле бик киҫкен, ул көндән-көн шәберәк юғала бара, шуныһы ауыр. Әлбиттә, башҡорт теле башҡорт ҡаны кеүек көслө, тамырҙары ҡеүәтле, юҡҡа сыҡмаҫ, әммә хәле мөшкөл. Башҡорт теле йылы артыҡ һөҙөмтә бирмәне, уныһын да танырға кәрәк. Саралар булды, һөйбәттәре лә булды, әммә ҙур һынылыш булды, тип әйтеп булмай.Бынау афәте лә ҡамасауланы, уныһы ла бар. Һәр нәмәнең һәйбәт яғын күрә белергә кәрәк, әһәмиәтен аңлайым. Ғәмле кешеләр үҙҙәренсә бәләкәй аҙымдар менән ҙур эштәр башҡара, әлбиттә, ләкин был ғына етмәй. Күберәк үҙ ҡаҙанында ҡайнау килеп сыға, ҙур аудитория был эштәрҙе күрмәй, белмәй ҡала. Тимәк, республикала эште бөтөнләй башҡа йүнәлештә, кимәлдә һәм күләмдә башларға кәрәк. Былай бармай. Ләлә Рафиҡова. Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Өфөлә Конгресс-холда Башҡорт теле көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм Мәғариф министрлығы ойошторҙо. Сараға хөрмәтләү өсөн республиканың мәғариф учреждениеларынан 200-ҙән ашыу уҡыусы — республика олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре саҡырылды. Районыбыҙҙан Әҙилә Шакирова ла тантанала ҡатнашты. Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Әҙилә Шакирова Башҡортостан Республикаһының һәм Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына арналған “Башҡортостандың йөҙ шағиры” республика әҙәби марафонының еңеүсеһе булды. Бәйге ике турҙан тора. Беренсеһенә тырыш ҡыҙ татар телендә шиғырҙың видеояҙмаһын ебәрә. Жюри ағзалары икенсе турға 10 ҡатнашыусыны һайлап ала. Интернет-тауыш биреү һөҙөмтәһендә Әҙилә Шакирова иң күп балл йыя. Сарала Әҙиләгә Дипломды һәм бүләктәрҙе Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин тапшырҙы. Һәләтле уҡыусыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уҡыуында яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ! Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге үкһеҙ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар "Һөт кухняһы" ризыҡтарын бушлай алыу мөмкинлегенә эйә.#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге үкһеҙ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар "Һөт кухняһы" ризыҡтарын бушлай алыу мөмкинлегенә эйә. Республика Хөкүмәте ҡарарына шундай төҙәтмә индерелде. – Тәбиғи һәм сифатлы продукцияны ташламалы шарттарҙа аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар ғына түгел, опека ҡарауында булған сабыйҙарҙың да алыуы мөһим. Был осраҡта баланы тәрбиәгә алған ғаиләнең уртаса килеме иҫәпкә алынмаясаҡ, – тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Бушлай ризыҡтар алыр өсөн ғариза яҙырға һәм "Һөт кухняһы" менән килешеү төҙөргә кәрәк. Быны теләһә ниндәй продукция таратыу пунктына килеп эшләргә була. Әгәр ҙә бөтә документтар ҙа теүәл тапшырылған икән, 20 көн эсендә ыңғай ҡарар тураһында смс-хәбәр килергә йә телефон шылтыратыуы булырға тейеш. Килешеү төҙөү өсөн талап ителгән документтар исемлеге: Педиатрҙан махсуслаштырылған балалар туҡланыуы тәғәйенләнеүе тураһында белешмә (бер йәшкә тиклемге сабыйҙың ҡатнаш йә яһалма туҡландырыу төрөн күрһәтеп). Опека һәм попечителлек органының балаға опекун тәғәйенләнеүе хаҡындағы актының төп нөсхәһе һәм күсермәһе. Өс йәшкә тиклемге баланың һәм уның ата-әсәһенең (законлы вәкиленең) республикала йәшәүен раҫлаған документ. Ул 30 көндән дә иҫкерәк булмаҫҡа тейеш. Был изге эш ил Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған "Демография" милли проекты маҡсаттарына ла тура килә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
2020 йылдың 12 сентябрендә сәғәт 10-дан 5-кә тиклем халыҡҡа уңайлы булһын өсөн күсмә медицина комплексында (автобуста) Бәләбәй ҡалаһы, Интернациональ урамы, 75 а («Үҙәк» корпорацияһы» магазины майҙансығында) киҙеүҙән вакцина яһау ойоштороласаҡ. 13 сентябрҙә сәғәт 10-дан 5-кә тиклем вакцинаныБәләбәй ҡалаһы, Пионер урамы, 58 адресы буйынса яһатырға мөмкин буласаҡ. Үҙегеҙ менән шәхесегеҙҙе раҫлаусыдокумент алып килергә кәрәк. Прививка алдағы эпидемиологик миҙгелдә көнүҙәк буласаҡ киҙеү вирусынан ышаныслы һаҡланыу тәьмин итәсәк, шулай уҡ киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән сирләү осраҡтарын кәметәсәк. Киҙеүҙе һәм уның эҙемтәләрен иҫкәртеү унан дауаланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ! Ваҡытында эшләнгән привика – һаулығығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге нигеҙе. Бәләбәй Үҙәк район дауаханаһы хакимиәте #Белебеевскиеизвестия#БелебеевскаяЦРБ#профилактикагриппаиОРВИ#вакцинациявзрослогонаселенияотгриппавпередвижноммедицинскомкомплексе Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Туймазылағы 6-сы мәктәптең башланғыс синыф уҡытыусыһы Лилиә Зәлил ҡыҙы Әхмәтшина бигерәк маладис! Уҡыусылар араһында “Йәншишмә” гәзитенә яҙылыуҙы ла ойоштороп ҡуйҙы. Афарин! Артабан да был эште әүҙемләштерергә теләк белдерҙе ул. Ҙур рәхмәт, Лилиә Зәлил ҡыҙы! Изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын! Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Совет һәм Рәсәй эстрадаһы легендаһы Юрий Шатуновтың Рәсәй ҡалалары һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре буйынса гастролдәре ҙур уңыш менән бара. Совет һәм Рәсәй эстрадаһы легендаһы Юрий Шатуновтың Рәсәй ҡалалары һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре буйынса гастролдәре ҙур уңыш менән бара. Ихлас, асыҡ, хисле һәм һөйкөмлө артист үҙенең тамашасыһын, йылдар үтһә лә, матур йырҙары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Шул уҡ йәш моңло тауыш, бөтәһенә лә таныш стиль, һөйкөмлө һәм мәңгелек беренсе мөхәббәт, дуҫлыҡ, ихласлыҡ темаһы. Концерттарҙың береһе лә “Белые розы”, “Метель”, “Детство”, “Седая ночь”, “Розовый вечер” кеүек йырҙарһыҙ үтмәй. Юрий Шатуновтың “Не молчи” тип аталған концертына яңы композициялар ингән. Күренекле яҡташыбыҙҙың гастроль туры ярты йылдан ашыу бара һәм ҙур аншлаг йыя. Ҡатыны һәм балалары Германияла йәшәй. Хәләл ефете уны төрлө яҡлап хуплай һәм ярҙам итә. Гастролдән түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Йырсы өсөн ғаиләһе - бөгөн иң мөһим ҡиммәт. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Күмертау районы (бөгөн Көйөргәҙе районы) Савельевка ауылында тыуған.
Йәйге ял! Уҡыусыларҙың көтөп алған йәйге каникул көндәре лә һанаулы ғына ҡалды. Тиҙҙән бар белем усаҡтары үҙ ишектәрен асасаҡ. Әле көндәрҙең дә матур тороуы балалар өсөн бик һәйбәт. Бала-саға йылға-күлдәрҙә рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙыныуҙарын дауам итә. Әле һеҙ фотоһүрәттә ата-әсәйҙәре менән тәбиғәт ҡосағында иҫтәлекле ял иткән балаларҙы күрәһегеҙ. Афариндар! Һанаулы ғына ҡалды йәйҙең һуңғы көндәре... Автор:Зөһрә Хәкимова Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортостанда киләһе йылда мейес яғып йылытылған бөтә мәктәптәрҙе ҡаҙанлыҡҡа күсерәләр, тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә. Башҡортостанда киләһе йылда мейес яғып йылытылған бөтә мәктәптәрҙе ҡаҙанлыҡҡа күсерәләр, тип хәбәр итте республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин бөгөн «Мәғариф сәғәте»ндә. Саралар һауа-йылылыҡ режимына, һыу менән тәьмин итеүгә һәм капиталь ремонт үткәреүгә талаптарҙы үтәү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһе йөкләмәләрен ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. 2020 йылға республика бюджетында капиталь ремонт, матди-техник базаны һәм энергия һаҡлау сараларын нығытыу өсөн 946,3 миллион һум финанслау ҡаралған. Республика сараларынан тыш, федераль бюджеттан 105,5 миллион һум аҡса йәлеп ителә. Хәҙерге ваҡытта төбәктә 18 мәктәп элеккесә мейес яғып йылытыла. http://www.bashinform.ru/news/1395380-v-bashkirii-vse-shkoly-na-pechnom-otoplenii-perevedut-na-kotelnoe/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Бөгөн етем, атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандарға һәм инвалид бала тәрбиәләүсе бер әсәгә тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары бирелде. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тапшырҙы. Биш кеше яңы фатир асҡысы алып ҡыуанды. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының тейешле ҡарары һөйләшеп килешеү өсөн Финанс министрлығына, Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән, тип хәбәр итә «Известия» Һүҙ Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына айлыҡ түләүҙәр хаҡында бара. Шулай уҡ ветерандарға түләүҙәр, инвалидтарға оҙатып йөрөүсе эттәрҙе аҫрау өсөн компенсациялар, радиация фажиғәләре һәм ядро һынауҙары һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булған граждандарға компенсациялар һәм башҡа түләүҙәр тураһында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса хөкүмәткә 2026 йылға тиклем әсәлек капиталын йыл һайын индексацияларға һәм беренсе балаға аҡса бүлергә йөкләмә бирҙе. Рәсәй президенты сайтында баҫылған йөкләмәләрҙә ошо хаҡта һүҙ бара. Шулай уҡ Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе балаһы тыуған (уллыҡҡа алған) ғаиләләргә әсәлек капиталына хоҡуҡ бирергә ҡушты. Аҡсаның күләме 466 617 һум тәшкил итергә тейеш, ә ошондай ғаиләләрҙә икенсе бала донъяға килгән (уллыҡҡа алынған) осраҡта түләүҙең күләме 150 000 һумға арта. Әсәлек капиталын алмаған ғаиләләр өсөн 2020 йылдың ғинуарынан ғаиләлә икенсе бала тыуғанда ул 616 617 һум була. Был йөкләмәләр 2020 йылдың 15 апреленә хәтлем үтәлергә тейеш. http://www.bashinform.ru/news Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Был кисәлә өлкән йәштәгеләр ҙә,йәштәр ҙә берҙәй ихлас ҡатнашты. Бейеү, ҡыҙыҡлы уйындар, таҡмаҡ әйтешеүҙәр, йомаҡ сисеүҙәр, күңелле йыр-моңдарҙан мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо.Әсәйҙәр өсөн ауылыбыҙҙың йыр-моңға маһир Марат ағай Ғиләжетдинов,оҫта гармунсыларыбыҙ ағалы-ҡустылы Бакир һәм Наиль Вәлитовтар йырлы күстәнәстәр ҙә әҙерләгәйнеләр. Байрам әсәйҙәрҙең алып килгән тәмле күстәнәстәренән сәй эсеү менән тамамланды. Кисәне ойоштороуҙа ярҙам иткән Ирек Раял улы Юдаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Барлыҡ әсәйҙәргә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡулланыусылар кәрзинендә айырыуса йәшелсә ҡиммәтләнгән. Әйтәйек, помидорҙың хаҡы 13,5 процентҡа артып, бер килограмы уртаса 90 һумға еткән, тип хәбәр итә Башстат. Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡулланыусылар кәрзинендә айырыуса йәшелсә ҡиммәтләнгән. Әйтәйек, помидорҙың хаҡы 13,5 процентҡа артып, бер килограмы уртаса 90 һумға еткән, тип хәбәр итә Башстат. Ошо уҡ ваҡытта башлы һуған 5,1 процентҡа ҡыйбатланған, хәҙер уның бер килограмы уртаса 20 һум тора. Шартлы өсөнсө урында – карамель, бер килограмының хаҡы уртаса 206 һумға төшә (3,9 процент). Республикала ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ яртылаш ыҫланған һәм бешкән-ыҫланған колбаса, һыйыр ите, маргарин, сыр, йомортҡа, һөт, печенье, тоҙ, арыш икмәге, арыш һәм бойҙай ононан бешерелгән икмәк, дөгө, ҡарабойҙай, вермишель, макарон, картуф һәм кәбеҫтә бар. Бер аҙнала ошо аҙыҡ-түлектең хаҡы 0,2-нән 2 процентҡа тиклем артҡан. Ә шәкәр һәм тары ярмаһы, киреһенсә, арзанайған – бер аҙнала 2,8 һәм 2,7 процентҡа. Хәҙер Башҡортостанда шәкәр ҡомоноң бер килограмы — 30, тары ярмаһы 66 һум тора. Республикала сусҡа ите, һарыҡ ите, тауыҡтар, сосиска, сарделька, бешкән колбаса, ит консервалары, туңдырылған балыҡ, аҡ май, көнбағыш майы, ҡаймаҡ, эремсек, шоколадлы кәнфиттәр, сәй, он, бойҙай икмәге, кишер, ҡыяр, алма 0,01 — 2,5 процентҡа арзанайған, тип йомғаҡ яһаны статистиктар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Екатерина Икенсенең ихтыяры буйынса, Е. И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышының тарих битендә бер тап хәтлем дә эҙе ҡалырға тейеш булмаған. Әбей батша 1775 йылдың 17 мартында был хаҡта махсус манифест сығара. Крәҫтиәндәр һуғышы, пугачевсылар «мәңгелек онотоуға, тәрән өндәшмәүгә дусар ителергә» тейеш була. Ошо манифесҡа таянып, урындағы хакимдар Пугачев йәки уның көрәштәш­тәре хаҡында ауыҙ асып һүҙ әйткән кешеләрҙе лә язалағандар. 1776 йылдың 16 мартында Преображенский заводы крәҫтиәне Федор Кривеньков үҙенең танышының өйөндә, Пугачев, йәнәһе, үлмәгән, Сембер ҡалаһына генерал-аншеф Панин ҡарамағына ебәрелгәс, тегеһе уның батша икәнен танып, иреккә сығарған, ошоноң өсөн Мәскәүҙә Паниндың үҙен тураҡлағандар икән, тип һөйләгән. Танышының ҡатыны был хәбәрҙе завод хужаһы Яков Твердышевтың хеҙмәткәре Тимофей Таракановҡа һөйләгән, ә уныһы Ырымбур губернаторы Рейнсдорпҡа еткерә һалған. Федор Кривеньковты, аяғын бығаулап, көслө һаҡ аҫтында 4 ай буйы төрмәлә тоталар. Ә Петербургтан, Идара итеүсе сенаттан «артабан был йүгәнһеҙ дошманды йәшәгән урынынан бер ҡайҙа ла сығармаҫҡа, теләһә ҡайҙа йөрөттөрмәҫкә» тигән әмер килә. Ырымбур дәүләт архивында ғына, ошо эш менән йәнәшә, Воскресенск заводынан Герасим Завьяловҡа, Петр Юринға, Ҡара Табын волосынан старшина Рәсүл тархан Измайловҡа асылған эштәр һаҡлана [1, 16-сы б.]. Күрәһең, бик тос булған был манифестың тәьҫир көсө. Салауат Юлаев исемен тыйыу өсөн ул хатта 120 йылдан һуң да ҡулланылған. Билдәле бер ваҡиға: 1895 йылда Ҡыҙырбәк ауылы кешеһе Ғарифйән Солтановты Сала­уатҡа арналған көйҙө скрипкала уйнағаны өсөн биш тәүлеккә ябып ҡуялар. Әммә халыҡ мөхәббәтен манифест-закондар менән генә томалап, һүн­дереп булмаған, күрәһең. Милли геройҙың мәшһүр образы халыҡ күңелендә быуын­дан-быуынға күсә килгән, һәр быуын эсендә уның исемен киләсәккә еткереүҙе үҙ бурысы итеп һанаған, шул эш менән ҡурҡыу белмәй мөкиббән шөғөл­ләнгән ялҡынлы йөрәкле кешеләр табыла торған. Салауат менән яҡындан ҡыҙыҡһынып, уны үҙ аллы өйрәнеүсе, герой-шағир тураһында ғүмер буйы бөртөкләп-тамсылап әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туплаусы ҡарттарҙың миңә осрағанда­рын иҫкә төшөрәм дә, һәр бер быуында тап бына ошондай кешеләре булған­дыр, тап шундайҙар арҡаһында хакимдар Салауат исемен халыҡ хәтерендә томалай алмағандарҙыр, тигән уйға киләм. Әлеге Ғарифйән Солтановты ғына алайыҡ. 1876 йылда тыуған, 10 йәшендә скрипкала уйнарға өйрәнгән. Хәҙерге Салауат районы Ҡыҙырбәк ауылының олораҡ быуын кешеләре, үҫмерҙең уйнауын яратып, мәжлестәргә саҡыралар. 11 – 13 йәштәрендә бер аҙ уҡырға өйрәнеп ала. Мәжлестәрҙең береһендә тәү тапҡыр Салауат тураһында йыр ишеткәс, уның кем икәнлеге менән ҡыҙыҡһына башлай. Салауат батыр булған, башҡорттарҙың ерҙәрен, мал-тыуарҙарын тартып алыуҙарға түҙмәй, батша хөкүмәтенә ҡаршы көрәшкән, бына шул кешегә ҡарата сығарылған йырҙарҙы йырлайбыҙ, тик һаҡ йырларға кәрәк, тип аңлаталар уға. (1940 йылдың 15 октябрендә Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры X. Хамматовҡа русса яҙған хатында шул ҡарттарҙың һүҙҙәрен ул түбәндәгесә бирә: «Но осторожно, улым, при посторонних людях, то есть при полиции и на улице нельзя юрлать, тогда вас заарестуют...» [3, 159-сы б.]). Тәүҙә батырға арналған биш йырҙы яҙып ала. Аҙаҡ, үҙенең әйтеүенсә, 1890–1897 йылдарҙа, тирә-яҡтағы ҡарттарҙан һорашып, 223 куплет йыр өйрәнә, шуларҙың бөтәһен дә яттан белә. 1897 йылда, хәрби хеҙмәткә алыныр алдынан, ошо йырҙар яҙылған дәфтәрен сепрәккә төрөп, бер кемгә лә әйтмәйенсә, өй ҡыйығы ябылған таҡталар араһына ҡыҫтырып ҡалдыра. Артабан уға оҙаҡ ҡына был эш менән шөғөлләнергә тура килмәй. Дүрт йыл хеҙмәттә йөрөп ҡайта, ике йыл япон һуғышында ҡатнаша. Бер аҙ ауырып ала, унан һуң ғаилә мәшәҡәттәре баҫа. 1914 йылда Беренсе донъя һуғышына эләгеп, өс йыл ғүмерен бирә. Ғарифйән ағай ҡартлыҡ көндәрендә лә рәхәт йәшәмәй, «һаулығым насар, ҡарсығым менән икәү генә ҡалдыҡ, ауыр көн итәбеҙ. Эшләй алмайым. Бер тин дә килер ер юҡ. Ярай әле, әҙерәк һөт бар. Ваҡ-төйәк һатып алырлыҡ рәт тә юҡ. Былай интегеп йәшәгәнсе, тиҙерәк үлеүең хәйерлерәк...» – тип яҙа ул әлеге хатында [3,159-сы б. икенсе яғы]. Тимәк, 40-сы йылдар тураһында һүҙ бара. Ошондай шарттарҙа ла ул, 20-се йылдарҙан башлап, Салауат менән яңынан ҡыҙыҡһынырға тотона. Теге дәфтәре ҡыйыҡ таҡтаһы аҫтында ямғырға эләгеп юҡҡа сыға. Ундағы йырҙарҙы Ғарифйән ағай ҡабат хәтеренә төшөрөп теркәп ҡуя. Күрәһең, уны легендар батырға ҡағылышлы бүтән әйберҙәр ҙә йәлеп иткәндер. 1925 йылда Ғарифйән Солтанов яҡташтары араһында Салауаттыҡы тип һаҡланған эйәрҙе Өфөләге Тыуған яҡты өйрәнеү музейенә тапшыра. Хәйрулла Динмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов хәҙерге Салауат районы Ҡаратаулы ауылында тыуған. Салауат тураһында бәләкәй сағынан уҡ ишеткән. «Беҙҙең Сәхәү тигән бер бабай була торғайны, – тип хәтерләне ул. – Бик ҡарт ине, шулай ҙа бик ҡыҙыҡһыныусан кеше ине. Бала-сағаны йыйып алып, Салауат Юлаев тураһында үҙе һөйләр-һөйләр ҙә, беҙҙе киҫәтер ине: «Уның исеме менән һаҡ булығыҙ. Теләһә ҡайҙа таратып йөрөмәгеҙ. Уның тураһында һөйләргә ҡушмайҙар. Йә беҙҙе тотоп алып китерҙәр. Мин һеҙҙең кеүек саҡта, өлкәңдәрҙе тотоп алып киткеләй торғайнылар...» Хәй­рулла Ҡолмөхәмәтовтың легендар батыр менән ҡыҙыҡһыныуы, бәлки, шул Сәхәү бабайҙан башланғандыр. Йәш сағынан алып ҡартлыҡ көндәренә тиклем Әй, Йүрүҙән яҡтарында халыҡ араһынан Салауат тураһында йырҙар, легенда-риүәйәттәр йыйған. Аҙаҡҡы йылдарҙа Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәне. Төрлө дәүерҙә йыйған ҡағыҙҙарын, ҡәҙерлелегенә ҡарап, – өҫтәл тартмаларында, сумаҙанда, һандыҡта, – төрлө урында һаҡлай торғай­ны. Әллә күпме яҙма туплаған, халыҡҡа ла көндәр буйы арымай-талмай һөйләне. Башҡортостандың XVIII быуаттағы хәлен, эреле-ваҡлы ваҡиғаларын һәйбәт белә ине. Шул заманға ҡағылышлы архив сығанаҡтары менән ҡыҙыҡһынды, үҙендә лә һирәк осрай торған иҫке карталар, документтар һаҡланы. Йәшерәк сағында Салауат Юлаев тураһында нәфис әҫәр яҙа башлаған. Бер нисә бүлек килтереп сығарған да, әлеге урындарҙың иң ҡәҙер­леһенә – һандыҡҡа һалған да ҡуйған, һис кемгә күрһәтмәгән [2, 49—57-се б.]. Йыйған мәғлүмәттәрен дә ҡайҙалыр баҫтырыуҙы йә тапшырыуҙы башына ла индер­мәгән. Салауат исемен йәшерәк быуындарға еткереү өсөн үҙенең Сәхәү бабайы юлын һайлаған: бары тик һөйләргә генә яратты ул. Батыр тура­һында донъяһын онотоп, уны йәне-тәне менән яратып һөйләй. 1974 йылдың яҙында, Салауат менән Пугачевтың Үрге Ҡыйғы ауылында икенсе тапҡыр осрашыуына 200 йыл тулыу алды көндәрендә, ошо ваҡиғаны берәй төрлө билдәләүҙе һорап, Хәйрулла ағай КПСС-тың Ҡыйғы район комитетының өсөнсө (идеология буйынса) секретаренә ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итә. Рай­комда ҡыл да ҡыбырлатмаясаҡтарына тамам ышанғас, ҡайҙандыр ҙур бетон плита табып, шуны трактор менән яллап килтертеп, урамға, үҙенең өйө ҡаршыһындағы уңайлы, йәтеш майҙансыҡҡа ултыртып, ҡыҙыл төҫтәге эре хәрефтәр менән текст яҙҙырта. Күҙҙең яуын алырлыҡ таҡта таш (стела) пәйҙә була. Тирә-яғын матурлап кәртәләп тә ала. Хәҙер инде халыҡты йыйып, шуны рәсми шарттарҙа тантаналы итеп асыу өсөн тағы ла райком тупһаһын тапай башлай. Баяғы идеолог ишаратын (йәл, фамилияһын хәтер­ләмәйем) бер нисә тапҡыр (!) көн билдәләргә мәжбүр итә. Һуңғыһы – көрәштәш юлбашсыларҙың осрашыу датаһы (1774 йыл, 2 июнь) инде әллә ҡасан үтеп киткәс, – 1975 йылдың декабрендә шул секретарҙың кабинетында минең күҙ алдымда билдәләнгәйне. Миңә ул саҡта Салауат эҙҙәре буйлап ары китергә кәрәк ине, ә Хәйрулла ағай: «Былай булғас, тантананы киләһе аҙнала үткәрәбеҙ», – тип, ҡыуанып тороп ҡалғайны. Аҙаҡ уны ҡабат күреп һораштым. Юҡ, үтәлмәй ҡалған райком вәғәҙәһе. Ҡөҙрәтле идеолог етмеш йәшлек ҡарттан, әлбиттә, көслөрәк булып сыҡҡан. Хәҙер был стеланың ер йөҙөндә эҙе лә юҡ. Ә беҙ, бер ҡатлылар, Салауат Юлаевтың эҙҙәрен юйырға тырышыу революцияға тиклем генә хөкөм һөргән, тип һөрән һалабыҙ. Шулай ҙа еңеү барыбер Хәйрулла ағай яғында ҡала: үҙенең замандаш яҡташтарына Салауат тураһында ул бер үҙе тотош Ҡыйғы районының әлеге «эшмәкәр­ҙәренә» ҡарағанда күберәк мәғлүмәт биргән. Хәйрулла Ҡолмөхәмәтовтың аҙашы – Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Сулея ауылынан Хәйрулла Ибраһимов та (1902 йылғы) Салауатҡа ҡағылышлы яҙма һәм телдән һөйләнгән хәбәрҙәргә йәштән үк иғтибар итә. Ҡыҙыҡһыныу, үҙе һөйләүенсә, көтөлмәгән осрашыуҙан башлана. 1926 йылда ул хәҙерге Силәбе өлкәһенең Катав-Ивановск ҡалаһында 78 йәшлек Ҡалҡаман Хужин тигән ҡартҡа фатирға төшә. Фатир хужаһы зиһенле, хәтерле, тере­мек кеше булып сыҡҡан. Һикһәнде ҡыуыуына ҡарамаҫтан, ҡурайҙа уйнауын һаман да ташламаған, үткәндәрҙәге күп кенә хәл-ваҡиғаларҙы иҫендә тотҡан. Ҡунаҡ менән кистәрен һөйләшеп ултырған ваҡытта уға «Буранбай», «Салауат» көйҙәрен уйнап күрһәтер булған. Бер көндө, һүҙ ныҡ ҡуйырып киткәс, Ҡалҡаман ҡарт умарталыҡтан өйгә бер бәйләм ҡағыҙ индереп һала. Таратып ҡарай башлаһалар – һарғайып бөткән иҫке яҙмалар икән. Ҡарт үҙе уларҙы сатнатып уҡый, ни өсөн умарталыҡ тирәһенән килтерелеүенең сәбәбен дә һөйләп бирә. Был ҡағыҙҙарҙың һаҡланыу тарихы, бөгөнгө көндә риүәйәт һымаҡ яңғыраһа ла, хайран ҡалырлыҡ. Салауат менән Юлай, ихтилал еңелеүгә табан китеп, эштәр мөшкөлләнгәс, үҙҙәрендә бер ҡағыҙ ҙа ҡалдырмай, Юлайҙың Ҡатауҙағы Бикбулат исемле ҡайнағаһына алып барып бирәләр. Бер янсыҡ алтын да ҡалдыралар уға. «Беҙҙе барыбер тотҡон итерҙәр, унһыҙ булмаҫ, һин ошо алтын менән юллап, һатып ал», – тиҙәр. Салауат менән Юлай тотолғас, Бикбулат ҡотҡа­рырға тырышып йөрөп ҡарай ҙа, эш сыҡмаҫтай булғас, тентеүҙәрҙән ҡурҡып, теге әйберҙәрҙе түмәр умартаһына, бал ҡорттары араһына тыға ла ҡуя. Ысынлап та, әллә нисә тапҡыр тентеү үтә. Йорт-ҡура тирәһенең аҫтын-өҫкә килтерәләр, ә умарталыҡ янына барып та урамайҙар. Бикбулатты бер аҙ ултыртып та сығаралар. (1775 йылдың аҙаҡтарында булһа кәрәк). Күрәһең, унда ниҙер барлығын белгәндәрҙер йә һиҙенгәндәрҙер инде. Барыбер ҡағыҙ­ҙар тураһында һис ни ыскындырмаған ул. Ошо умарталыҡта һаҡлап, быуын­дан-быуынға тапшыра килгәндәр. Бикбулаттың улы Аҙнағол, уның улы – Хужа, Хужаның улы – йәнә бер Аҙнағол, Аҙнағол улы – Ҡалҡаман. Бына ошо кешеләр һаҡлаған. Барыһы ла уҡый-яҙа белгәндәр. Үҙ ғүмерҙәрен урман эшендә үткәргәндәр. Оҙаҡ йәшәгәндәр – һәр ҡайһыһы йөҙгә етә яҙып донъя ҡуйған. Ҡалҡаман, тимәк, Бикбулаттың тыуаһы (5-се быуыны: ата – ул – ейән – бүлә – тыуа). Ҡалҡаман Хужиндың күрһәткән яҙыуҙары араһында, Хәйрулла Ибраһимов әйтеүенсә, фармандар, хаттар, шиғырҙар булған. Хәйрулла ағай бер нисә тексты һүҙмә-һүҙ күсереп ала. Һөйләшкәндә хәтерҙә ҡалдырғандары­ның ҡайһы берҙәрен, ҡайтҡас, үҙенсә ҡағыҙға теркәп ҡуя. Ошо ваҡиғанан һуң ул, яҡын-тирәләге ауылдарға йөрөп, Салауат тураһында һорашырға тотона; батырға ҡағылышлы нимәлер белгән байтаҡ кешеләрҙе осрата. Салауат районы Лаҡлы ауылында Әмин Мөхәмәтдиновтан, Мәсетлелә Шаһикәбир Хурамшиндан, Юныста Ғирфан ҡарт менән Алтынбикә әбейҙән, Гөлзифа Ғирфанованан, Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында Фәхрет­дин Ғәлләмовтан 30-сы йылдар башында йырҙар, шиғырҙар, риүәйәттр яҙып ала. 20-се йылдар аҙағында Әлмөхәмәт (Әлкә) ауылы кешеһе Камал Фәхриевтың ҡағыҙҙарынан күсергән бер нисә яҙма һаҡлай. Уларҙың да үҙенсә тарихы бар. Йәнәһе, шул уҡ ауылдан Һиҙиәт Ғәлиулла улы тигән уҡымышлы ғына мулла, Беренсе донъя һуғышына тиклем үк ышаныслы кешеләрҙе йыйып, Салауат тураһында һөйләр булған. Хаким әһелдәре күреп ҡалмаһын өсөн, һәр ваҡыт төндә генә йыйған, имеш. Хәйрулла ағайҙың еҙнәһе Камал Фәхриев шунда ҡатнашып, үҙенә кәрәкле тип һанағандарын яҙып алған. Уның аша Хәйрулла Ибраһимовҡа мул ғына мәғлүмәттәр эләгә. Ғәжәп! – Хәйрулла ағай ҙа, Үрге Ҡыйғылағы аҙашы кеүек үк, йыйған мате­риалдарын оҙаҡ йылдар буйы бары тик үҙе өсөн генә һаҡлаған. Дөрөҫөрәге – Салауат менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн. Шуларҙың иң тәүгеһе – журналист Дәүләт Мәһәҙиев. Ул Хәйрулла ағайҙың Ҡалҡаман Хужин ҡағыҙҙарынан һүҙмә-һүҙ күсереп алынған текстарын матбуғатта баҫтырҙы (Совет Башҡортостаны, 1968, 2 август; Совет Башҡорт­останы, 1973, 28 сентябрь). Был 11 текст Крәҫтиәндәр һуғышына ҡағы­лышлы документтар булып сыҡты. Бишәүһе – Салауат Юлаевтың Юлай Аҙналинға яҙған хаты, берәүһе – сотник Ҡадир Ғәбделкәрим улына, икәү­һе – Бәхтиәр Ҡанҡай улына биргән әмере, икәүһе – Кинйә Арыҫланов менән Бәхтиәр Ҡанҡаевтың бойороғо. Ә бер текст – Салауаттың 1774 йылдың 23 мартында сотник Илтембай Илембай улына биргән бойороғо – архив сығанаҡтарынан бығаса билдәле булған тексҡа һүҙмә-һүҙ тап килә. Ҡал­ғандары ла Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларының эҙмә-эҙлегенә ҡаршы килмәй; киреһенсә, уларҙы ҡеүәтләй һәм тулыландыра килә. Мәҫәлән, 1773 йылдың көҙөндә, Ырымбур яғынан ҡайтышлай, Салауат Юлаев атаһына ошондай юлдарҙы яҙа: «Иң олуғ булған батша хәҙрәтләре Петр Федорович вәкиле беҙләргә мөрәжәғәт итте. Мин бергә уҡыған шәректәшләр илә очрашып таныштым. Батша хәҙрәтләре ғәскәрне килтереп тулысынча тапшырған өсөн рәхмәтләр әйтте...» Бында һүҙ, әлбиттә, башҡорт ғәскәрҙәренең Ырымбур янында Пугачевҡа тәүге тапҡыр килеп ҡушылыуы тураһында бара. Юлай Аҙналинға 1774 йылдың яҙында Һатҡы заводы тирәһенән ебәрелгән тағы бер хаты Салауаттың шул дәүерҙәге ҡаты бәрелештәренең береһен күҙ алдына баҫтыра: «Бында дошман ғәскәре бик ныҡ ҡаршылыҡ илән торҙо. Күп юғал­тыуға осраныҡ. Өч көн буйына ҡаршылыҡ булды. Завод бинасына индек. Хибестә булған халыҡлар азат ителде. Безләргә биш йөҙләп халыҡ илә Фролов командасы килде. Суғыш ҡоралы мында күп булды, безләргә ҡалды...» Ә түбәндәге юлдарҙы эсенә алған документ 1774 йылдың 1 июне менән билдәләнгән: «Батша ағзам хәзрәтләренең бойороғон үтәүдә Ҡыйғы юлы илән дошман ғәскәренә ҡаршы әмер ҡылам. Сотник Ҡадир Ғәбделкәрим уғлы, Илембай улына: бар булған суғышҡа яраҡлы халыҡны һәм атларны (йыйы­ғыҙ), батшамыз хәҙрәтләре алдына өч мең ғәскәр әҙер булсын. Андағы залим алпауытлардан суғышҡа яраҡлы булғанын барын да инҡарсыз алыр­ға...» Билдәле булыуынса, 2 июндә Салауат Ҡыйғы ауылы янында Пугачев менән осраша, уға 3000 һыбайлы алып килә. Документта ошо ғәскәр тура­һында һүҙ барамы? Өс мең кеше Салауат әмере буйынса бер тәүлек эсендә йыйып өлгөрөлгәнме, әллә уларҙан алда тупланған һыбайлылар килтерел­гәнме? Ентекләп өйрәнеүҙе һорап торған ҡыҙыҡлы юлдар. Әлеге документ­тарҙың һәр береһендә бар улар. Шуныһы ҡыҙыҡлы – халыҡ, «Салауаттыҡы» тип, шиғри текстарҙы ғына түгел, документаль яҙмаларҙы ла һаҡларға, алыҫ киләсәк быуындарға еткерергә ынтылған. Һанай китһәң, үҙҙәрен Салауат исеменең йәшәүен хәстәрләүгә арнаған кешеләр (яҙыусыларҙы, ғалимдарҙы иҫәпкә алмай торайыҡ) беҙҙең дәүерҙә генә лә байтаҡ йыйыла. Ғафури районы Яҡтыгүл ауылынан Вәлиулла Ҡоломбәтов, Салауат районы Әлкә ауылынан Хәлил Ғәлимуллин, Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан Ҡаһарман Хәсәнов, Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан Кинжәбай Ғилманов... Улар барыһы ла бер генә сығанаҡҡа – халыҡ хәте­ренә, йәғни үҙҙәре кеүек үк ҙур йөрәкле, тынғыһыҙ тәбиғәтле кешеләрҙең мәғлүмәттәренә таянған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, XVIII–XIX быуаттарҙа йәшә­гәндәренең исемдәре беҙгә билдәле түгел. Ә юғарыла телгә алынғандарының төрлө жанрҙағы материалдарын Салауат шәхесенә ҡағылышлы үҙенә бер үҙенсәлекле сыға­наҡ тип ҡабул итергә мөмкин. М.Х. ИҘЕЛБАЕВ. Әҙәбиәт исемлеге Дело о произношении директора Твердышева крестьянином Федором Кривеньковым некоторых важных слов /Государственный архив Оренбургской области, ф. 3, оп. 1, ед. хр. 160. Иҙелбаев М. Х. Юлай улы Салауат: тарихи-документаль китап. – Өфө: Китап, 1994. Подтверждение в виде автобиографии научно-исследовательского института языка и литературы при СНК БАССР директору Хамматову Малоязского района пос. Кызырбак Султанова Гарифьяна /Архив УНЦ РАН, ф. 3, оп. 12, ед. хр. 64. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Өфөләге 28-cе коррекция мәктәп-интернатында шахмат буйынса турнир ойошторолдо. Билдәле булыуынса, тома һуҡыр балалар Брайль системаһы буйынса әҙерләнгән уйын ҡоралдары менән шөғөлләнә. Был спорт төрө уларҙың ваҡ моторикаһын һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә ярҙам итә. Белем усағында һуҡырҙар һәм күреү һәләте насар булғандар уҡый. Улар менән ҡаланың 23-cө спорт мәктәбе тренерҙары шөғөлләнә. Шахмат, шашка буйынса күнекмәләр аҙнаһына өс тапҡыр үтә, коронавирус пандемияһына бәйле был йүнәлештә эш дистанцион форматта алып барыла. Был спорт төрө уларҙың ваҡ моторикаһын һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә ярҙам итә. Әйткәндәй, турнир еңеүселәре артабан республика кимәлендә үтәсәк шахмат чемпионатында мәктәп данын яҡлаясаҡ. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Башҡорт дәүләт медицина университетынан һәм Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан ете табип, ординаторҙар, табип-стажерҙар өс аҙнанан ашыу урындағы табиптарға булышлыҡ итте, коронавирус менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яйға һалды. «Беҙ үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған сирлеләр менән шөғөлләндек. Абхазиянан коллегаларыбыҙ тәжрибәне үҙләштергәндер тип ышанабыҙ», — тип һөйләне төркөмдөң етәксеһе Илдар Лотфорахманов. Хәҙер Абхазияға башҡорт табиптарына алмашҡа Калининград өлкәһенән һәм Мәскәүҙән табиптар килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙ табиптары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы һәм Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мөрәжәғәте буйынса коллегаларына ярҙам итеү өсөн Абхазияға юлланды. Бынан алда беҙҙең табиптар Ҡырғыҙстанда, Ҡарасәй-Черкес Республикаһында һәм Амур өлкәһендә ошондай ярҙам күрһәтеп ҡайтты. Башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ауылдаштар осрашыуы биш йыл элек үтергә тейеш булһа ла, ауыл халҡы «мәктәп төҙөлөшө башланмайынса, байрам уҙғармайбыҙ» тип һүҙҙәрендә ныҡ торҙо. Төрлө инстанцияларға күп һанлы хаттар яҙыу, иҫәпһеҙ-һанһыҙ министрлыҡ-ведомстоваларҙың тупһаларын өҙлөкһөҙ тапау үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Уҙған йылдың май айында «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» проекты сиктәрендә Тупаҡта мәктәп менән балалар баҡсаһын берләштергән бинаға нигеҙ һалынып, төҙөлөш башланып китте. 120 урынға мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштергән ҙур объект төҙөлөшөн алып барған «Прогресс» компаниялар төркөмө» эште йылдам алып бара. Бөгөн балалар баҡсаһы урынлашасаҡ бинаның ҡыйығы ябылған, ул тыштан йылытылған, көндәр йылыныу менән уны штукатуркалау башланасаҡ. Әле беренсе ҡатта йылытыу системаһы эшләнә. Шулай уҡ мәктәптең икенсе ҡаты күтәрелеп бөтөп бара. Спорт залы ла йылдам үҫә. Төҙөүселәр яңы уҡыу йылына мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу ниәте менән янып эшләй. Тағы бер күптән көтөлгән социаль объекттың сафҡа инеүен түҙемһеҙлек менән көтә тупаҡтар. Декабрь айында ауылда модулле ФАП-ты йыйыу эштәре башланды. Әйтеүҙәренсә, металл конструкцияларҙан һәм заманса йылытыу материалдарынан эшләнгән модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙ арала ҡоролоуы, шулай уҡ кафель иҙәндәренең, электр һәм йылытыу ҡорамалдарының, санузелының булыуы яғынан да уңайлы икән. Төҙөлөштө алып барған Рөстәм Имаев шәхси предприятиеһы эшсәндәре бөгөн медпункттың башын япҡан, эстән, тыштан бинаны көпләгән. Әле бинаны кабинеттарға бүлеү эштәре бара, йылылыҡ үткәрелә. Ошо көндәрҙә һыу үткәреләсәк, канализация эшләнәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, Тупаҡта ошо ай аҙағында бөтә уңайлыҡтар булдырылған ФАП үҙ ишектәрен асасаҡ. Рәмилә ИСТАНБАЕВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин эш планы буйынса “Аҡҡужин И.С.” крәҫтиән (фермер) хужалығында булды. Хужалыҡ башлығы Искәндәр Сәйетбаттал улы менән әңгәмә барышында Илгиз Лирман улы ҡышҡылыҡҡа күпме мал аҙығы әҙерләнеүе, малдарҙың хәле, уларҙың тоҡомон яҡшыртыу өсөн ниндәй эш алып барылыуы, продуктлылыҡ кимәле, продукцияны һатыуҙың нисек ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһынды. Фермер хужалығын артабан киңәйтеү юлдары хаҡында ла һөйләшеү булды. Илгиз Лирман улы хужалыҡтың мал ҡураларын, иген һаҡлау складын, машиналар ихатаһын ҡараны, фермерҙың теләктәрен, үтенестәрен тыңланы, хужалыҡтың эшенә юғары баһа бирҙе. Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин эш планы буйынса “Аҡҡужин И.С.” крәҫтиән (фермер) хужалығында булды. Хужалыҡ башлығы Искәндәр Сәйетбаттал улы менән әңгәмә барышында Илгиз Лирман улы ҡышҡылыҡҡа күпме мал аҙығы әҙерләнеүе, малдарҙың хәле, уларҙың тоҡомон яҡшыртыу өсөн ниндәй эш алып барылыуы, продуктлылыҡ кимәле, продукцияны һатыуҙың нисек ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһынды. Фермер хужалығын артабан киңәйтеү юлдары хаҡында ла һөйләшеү булды. Илгиз Лирман улы хужалыҡтың мал ҡураларын, иген һаҡлау складын, машиналар ихатаһын ҡараны, фермерҙың теләктәрен, үтенестәрен тыңланы, хужалыҡтың эшенә юғары баһа бирҙе. Был фермер хужалығы 2001 йылдан алып эшләй. Тәүҙә хужалыҡ иген культуралары үҫтереү менән генә шөғөлләнә, хәҙер иһә уның фермаһы ла бар. Райондың урман зонаһында эште ике йүнәлештә алып барыу иҡтисади яҡтан отош-ло һәм үҙен аҡлай. Һәр тотонған эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарып өйрәнгән фермер Искәндәр Сәйетбаттал улы малсылыҡ эшенә лә шундай уҡ тырышлыҡ менән тотона. Был эштә иң ауыр һәм яуаплы мәл – малды ҡышлатыу осоро. Ул уңышлы үтһен өсөн ҡураларың йылы, бесән-һаламың да, һутлы аҙыҡтарың да, фуражың да етерлек булырға тейеш. Быны яҡшы аңлаған фермерҙың хужалығында ҡышҡылыҡҡа бесән һәм башҡа мал аҙығы һәр саҡ артығы менән әҙерләнә. Бесән-һалам, фураж менән бер рәттән, фермер сенаж һәм силосты ла етәрлек күләмдә әҙерләй. Тәжрибәле фермер өсөн малдарҙың тоҡомон яҡшыртыу ҙа бик етди мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Бының өсөн ул, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа тоҡом үгеҙҙәренән бөтөнләй баш тартып, һыйыр-таналарҙы яһалма ҡасырыуға өҫтөнлөк бирә. Аҡҡужиндың хужа-лығында бөгөнгө көндә 86 баш эре мал, шул иҫәптән 40 һыйыр бар. Һауынсылар Зәкирә Исламғолова, Лилиә Һөйөндөкова, Әлфиә Ғәниева, малсылар Мөҙәрис Аҡҡужин, Нурбулат Һөйөндөков, механизатор Мәүлетдин Аҡҡужиндарҙың тырыш хеҙмәте арҡаһында малдар һәр саҡ бағыулы, ваҡытында ашатыла, эсерелә. Фермерҙың хеҙмәте районда ғына түгел, республикала ла юға-ры баһалана. Баш ҡалала ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткән тантанала Искәндәр Сәйетбаттал улы Аҡҡужинға ауыл хужалығы тармағындағы юғары күрһәткестәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломы тапшырылды. Район хакимиәте башлығы барған көндө Искәндәр Сәйетбаттал улы Аҡҡужиндың тыуған көнө булып сыҡты. Ғүмер байрамы менән ҡотлап, Илгиз Лирман улы уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған эшендә уңыштар теләне. Гөлгөнә ТАҺИРОВА. Б.Солтанов фотоһы. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙе COVID-19-ҙан вакцинациялау башлана, тип хәбәр иттеләр 7 декабрҙә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. 5 декабрҙә республикаға Гамалея үҙәгенән 1200 доза Гам-КОВИД-Вак вакцинаһы килтерелде. Тәү сиратта прививка сирлеләр менән туранан-тура эшләгәндәргә – табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә яһала. «Уны тиҙ арала үткәрергә кәрәк, — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Беҙгә меңдән ашыу дозаның килтерелеүе бик дөрөҫ, беҙ нисек һаҡларға, тапшырырға, вакцина эшләргә, ошо эште ойошторорға өйрәнһен өсөн. Был быға тиклем килтерелгән 40 доза вакцина түгел». Декабрь аҙағына тиклем Башҡортостанға коронавирус инфекцияһынан вакцинаның икенсе партияһы килтерелеүе көтөлә. Алдан хәбәр ителгәнсә, әлегә барлыҡ прививкаларҙы бушлай, табиптарҙың йүнәлтмәһе буйынса дәүләт дауаханаларында һәм поликлиникаларында ғына эшләйҙәр, шәхси медицина учреждениеларында COVID-19-ға ҡаршы вакцина юҡ. https://www.bashinform.ru/bash/1530990/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Рауилә ҒАТАУЛЛИНА Был фоторәсемде сабый сағымдан хәтерләйем. Өй түрендәге кәштәлә урын алғайны ул. Ҙурая төшкәс, әсәйем был хәрби кешенең уның атаһы – беҙҙең олатайыбыҙ икәнен һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, үлемесле яраланған олатайыбыҙға ни бары 29 ғына йәш булған. Был фотоны 1944 йылда фронттан берҙән-бер ҡыҙы, ҡатыны, әсәһенә иҫтәлеккә төшөп һалған. Артында олатайым үҙ ҡулдары менән латин графикаһында иҫтәлек һүҙҙәрен яҙып ҡуйған. Олатайым Әҙһәм Хәләф улы Мөхәмәтйәров – Күгәрсен районының Тәүәкән (халыҡ телендә – Сәңкем. – Р.Ғ.) ауылына нигеҙ һалған Тәүәкән нәҫеленән. Бик хәлле ғаиләнән булған ул. Зилзиләләр ҡубып, колхозлашыу осоро башланғас, атаһы Хәләф Ғәйнетдин улының бар мал-мөлкәтен тартып алып, үҙен һөргөнгә ебәрәләр. Шул китеүҙән ул ҡайта алмай. Бөлгөнлөккә төшкән ғаиләһен 1934 йылда ғына колхозға алалар. Олатайымды, кулак балаһы, тип хатта армияға алмай йөҙәтәләр. Йәнәһе, Ҡыҙыл армия сафында ундайҙарға урын юҡ... 1937 йылда ғына ҡыҙылармеец булып китә ул. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡас, туған колхозында комбайнсы булып эшләй. Зат-зәүеренән олатайымдың әсәһе, йәнә бер бабаһы хаҡында ғына һөйләй ине әсәйем. Сабый ғына ҡыҙҙы ҡәрсәһе (Күгәрсендә атайҙың әсәһен ҡәрсәй, тиҙәр. – Р.Ғ.) – уны Әсәкәй тип йөрөткән ул – ҡарап үҫтергән. Беҙгә инде уларҙың береһен дә күреү насип итмәне... Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та олатайым изге яуға ҡушыла. Кесе сержант званиеһында ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1944 йылдың ҡышында ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Төҙәлеренә өмөт юҡ, исмаһам, яҡындарын күреп өлгөрһөн, типтер, уны өйөнә ҡайтаралар. Әсәйем хәтерләүенсә, күкрәгенән яраланған һалдатты шәфҡәт туташы оҙатып килә. Көс- хәлгә тыуған йортона ҡайтып еткән атаһын күреүҙән хасиллашҡан ул саҡтағы бәхете бала йөрәгенә иң сағыу иҫтәлектәрҙең береһе булып уйыла. Тик шатлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай шул: бер нисә көндән, 7 йәшлек кенә ҡыҙы Гөлзираның кескәй ҡулдарын усына йомоп, баҡыйлыҡҡа күсә һалдат. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға йөҙҙәрсә көн һәм төн бар әле! Бәләкәй Гөлзираның да ҡабат иңдәренә төшөр һынауҙары алда... Әсәйебеҙ ғәзиз кешеһенең һуңғы һулышындағы күренеште һис онота алманы. Атаһы, әйтерһең, бар йөрәк йылыһын сабыйына бирергә теләп, уның усын ҡыҫҡан: әсәкәйе саҡ айырып ала бала ҡулдарын. Ғәзизебеҙ ғүмере буйы атаһын һағынып йәшәне шул... Ауыр мәлдәрҙә, күңеленә урын тапмаған саҡтары булып киткәндәлер: “Их, атайым иҫән булһа!..” – тип үҙ алдына ғына әйтеп ҡуйыр ине. Шунда әсәйемде, ул саҡтарҙағы бәләкәс кенә ҡыҙыҡайҙы, үҙәгем өҙөлөп йәлләй инем. Олатайлы-өләсәйле тиҫтерҙәремә көнләшеп ҡарағаным иҫтә. “Их, әгәр ҙә олатай-ҡартайымдар тере булһа, тормош тағы ла йәмлерәк, ҡыҙығыраҡ булыр ине бит...” – тип хыялға сума торғайным. Күпме баланы ошондай ҙа ғәзиз кешеләренең йылыһынан мәхрүм иткән ҡәһәрле һуғыш!.. ...Йылдар үтеп, сәстәремә сал төшөр мәлдәр яҡынайған һайын ошо һүрәт миңә ҡәҙерлерәк. Үҙ ғүмеремдә исмаһам бер генә күреү бәхете тәтемәгән яҡын кешемдең йөҙ һыҙаттары йөрәк түремдә ғүмерлеккә урын алған. Шулай уҡ бер мәл дә күрмәгән өләсәйемде лә, атайымдың изге яуҙа ҡорбан булған атаһы – алыҫ Чехословакияла ятып ҡалған Хилалетдин ҡартатайымды ла хәтерләтеп тора ул. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелһәм, олатайым һыны күҙ алдына килә. Хәҙер инде ул миңә күптән, яулығын яҙып ябыныр мәле етмәҫтән, Мәңгелектә урын алған ғәзиз әсәм күҙҙәре менән дә баға...
Башҡортостанда депутаттар “Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында” республика законына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Әгәр уны ҡабул итһәләр, опекундар, балаларына мәктәп тамамлағансы 18 йәш тулһа ла, пособие алыуҙары мөмкин. Башҡортостанда депутаттар “Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында” республика законына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Әгәр уны ҡабул итһәләр, опекундар, балаларына мәктәп тамамлағансы 18 йәш тулһа ла, пособие алыуҙары мөмкин. – Патронат тәрбиәгә алынған балаларҙың күбеһе 10-сы класта уҡығанда бәлиғ була. Шуға күрә 11-се класта уларға пособие түләнмәй. Социаль ғәҙеллек урынлаштырыу өсөн закон проекты менән норма индерергә тәҡдим ителә, уға ярашлы, ҡарауҙағы етемдәргә аҡса уҡыу йылы аҙағына тиклем түгел, ә улар мәктәп тамамлағансы түләнә, – тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. 2018 йылдың 1 ғинуарынан пособие суммаһы өс йәшкәсә сабыйға – 6,3 мең, өс йәштән өлкәнерәк балаға 6,1 һум күләмендә билдәләнгән. Закон проектын ҡарау киләһе пленар ултырышҡа билдәләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Ике туған һеңлем республиканың теге осонда, мин иһә был башында йәшәгәнлектән, үҙ-ара әллә ни бәйләнеш булдыра алмай инек. Телефон заманы булһа ла, бар һөйләшеү хәл-әхүәл белешеүҙән, йорт-ҡура хәбәренән ары китмәне. Йылына бер генә осрашҡанда ла бер-беребеҙҙең эс-бауырына инерлек форсат сыҡмағандыр. Уның тәүге иренән уңмауын, ҡыҙы тыуғансы уҡ, мөнәсәбәттәре бөтөүен дә кеше аша яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалғайным. Яңыраҡ ул үҙе миңә яҙмышын тулыһынса үҙгәрткән осраҡ хаҡында бәйән итте. - Минең тормошом кинолағы кеүек бит ул, апай. Һин белмәйһең генә, - тип башлап китте һүҙен һылыуым. - Беренсе ирем менән никах уҡытып, өйләнешергә йөрөй инек. Туй көнө лә билдәләнгән ине инде. Улай ғына ла түгел, өйҙә әсәйҙәр зыҡ ҡубып әҙерләнеп ята, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерешергә таныш апайҙар килде. Беҙ буласаҡ ирем менән райүҙәккә балдаҡ һайларға киттек. Яныбыҙҙа уның апаһы ла бар. Һатыусы миңә әле бер, әле икенсе балдаҡ бирә, һәр береһен кейеп ҡарайым. Иҫләмәйем, нисәүҙе кейгәнмендер, 10-15-ләп кенә булғандыр. Күҙҙең яуын алып торған балдаҡтарҙың бөтәһе лә матур, бөтәһе лә оҡшай, ярағандары ла бар. Ирем менән апаһы ғына уларҙың хаҡын оҡшатмай, кейгән береһен ҡыйбат күрә былар. Шул ваҡытта күңелемә әллә ниндәй бығаса таныш булмаған тойғо инеп ояланы ла ҡуйҙы. Ғәрләнеү, түбәнһенеү булғандыр ул. Үҙ ғүмеремдә башҡаса бер ҡасан да ундай тойғоно кисергәнем булманы минең. Магазиндан сығып киткәнемде лә, өйгә нисек ҡайтып еткәнемде лә иҫләмәйем. Бер балдаҡ хаҡы ла тормайыммы икән ни, тип ғәрләндем. Ишек алдындағы эскәмйәгә ултырып бер туйғансы иланым әле башта, шунан ныҡлы бер ҡарарға килдем. Бәпәй көтһәм дә (никахыбыҙҙы яҙ уҡ үткәргән инек), тәүәкәлләнем дә, үҙемә биргән һүҙемдән кире ҡайтманым. Ир буласаҡ кешем килде килеүен, әммә уның менән яҙмышымды бәйләгем килмәй ине. Артабан нисек йәшәремде лә, баламды нисек үҫтереремде лә уйламаным. Туйға әйберҙәр алынған, ҡунаҡтар саҡырылған ине инде. Беҙҙеке урынына атай менән әсәйҙең көмөш туйын үткәрҙек тә ҡуйҙыҡ. - Нисек һин шулай тиҙ генә яҙмышыңды үҙгәртерлек ҡарарға килә алдың? - Уйҙарымдан арынып, һеңлемә ошо һорауҙы бирәм дә, уның да, кейәүҙең дә ул саҡтағы уй-кисерештәрен аңларға тырышып бер булам. - Бәлки, тим, уның балдаҡҡа аҡсаһы етерлек булмағандыр, туй бит үҙе үк байтаҡ сығым талап итә. - Апай, балдаҡ, моғайын да, беҙҙең араны өҙөр өсөн бер сәбәп кенә булғандыр ул. Әлеге йәшем бейеклегенән ҡарап, шулай тип уйлайым. Яратмағанмындыр мин ул кешене. Һөйөүем көслө булһа, үҙ аҡсамды өҫтәп тә алыр инем туй балдағын... - Һуңынан нисә йыл яңғыҙ йәшәнең әле һин? - Ҡыҙыма 3 йәш ине, әлеге иремде осраттым. Үкенмәйем. Уныһы ла кинолағы кеүек килеп сыҡты ул. Техникумда бергә уҡыған әхирәтемә ҡунаҡҡа барған инем. Альбом ҡарап ултырғанда, уның ағаһының фотоһы килеп сыҡты. Ағайың сибәр икән тип кенә әйткәнем хәтерҙә, һуңынан әллә ни иғтибар бирмәнем, уның хаҡында һүҙ ҡуҙғатманыҡ. Яңғыҙлыҡ үҙәгемә үткән саҡ, ҡулымда - кескәй бала, күңелем яралы ине, кем менәндер танышыу тураһында уйлай ҙа алманым. Күпмелер ваҡыттан һуң ул үҙе әхирәтемдән адресымды алып, эҙләп килде. Көҙ айы ине. Баҡсабыҙҙа шул йылда һары слива ишелеп уңды. Ер ябып ятҡан емештәрҙе йыйырға икәүләп индек тә, ике биҙрә слива йыйғансы, бер-беребеҙгә күңелебеҙҙе бушаттыҡ. Аңлаштыҡ. Ике район араһындағы юлға туҙан төшөрмәне ул, бик йыш килеп йөрөнө. Баламды ла үҙ итте. Бына шулай, апай, минең тормош. Әйтәм бит, кинолағы кеүек тип... Һеңлемдең һүҙҙәре, уның ҡыйыулығы, тәүәккәллеге мине уйға һалды. Тотҡан ерҙән һындырып, һуңынан ул ҡарары өсөн үкенмәй йәшәрен, үҙенә тәғәйен бәхетен табырын алдан белгәнме ул? Юҡ, әлбиттә. Бары тик күңелен тыңлап, яҙмышын үҙгәртә алған. Һеңлемдең тарихын тыңлағандан һуң ошондай һығымтаға килдем: был тормошта күп нәмә кинолағы кеүектер ул. Улар ҙа, моғайын, тормоштан алып төшөрөлә торғандыр... Ә һеҙҙең арала бармы ошо һылыу кеүек бер ҡарар менән яҙмышын үҙгәрткәндәр? Үҙ тормош киноһының режиссеры булғандар?
Баймаҡ түрәләре ниңә бай? Баймаҡ алтынға ла, көмөшкә лә бай тип йырларға яратабыҙ. Бынан һуң Баймаҡтың түрәләре лә ифрат бай тип йыр һуҙырбыҙмы икән?! Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙе был хаҡта хайран ҡалып социаль селтәрҙә яҙған. Баймаҡ алтынға ла, көмөшкә лә бай тип йырларға яратабыҙ. Бынан һуң Баймаҡтың түрәләре лә ифрат бай тип йыр һуҙырбыҙмы икән?! Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙе был хаҡта хайран ҡалып социаль селтәрҙә яҙған. "Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы тикшереүенән һуң бында элекке түрәләрҙең ни өсөн властҡа йәбешеп ятыуҙары асыҡланды. Райондарҙа шаҡтай тикшереү үткәрелде, әммә бының кеүек үк закон боҙоуҙар бер ҡайҙа ла юҡ. Сағыштырмаса бәләкәй муниципалитетта зыян биш миллиард һумға етә. Енәйәт эше ҡуҙғатырлыҡ 160-тан ашыу факт асыҡланды", - тип хәбәр итә ул. Торлаҡ фонды эшмәкәрлегендә лә аҡсаны законһыҙ үҙләштереү осраҡтары күп. Әлегә улар ете миллиард һум иҫәпләнә. Ҡулдары үҙҙәренә ҡарай кәкерәйгән элекке түрәләрҙе имләү сараһы табылһа ярай ҙа. Автор: Венер ИСХАҠОВ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Бөгөнгө шарттарҙы иҫәпкә алып, ҙур сара үткәндәренән айырылып торасаҡ. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, әҙерлек бара, ваҡыты алдан әйтелер. Форматы башҡасараҡ буласаҡ, әлбиттә. Шулай ҙа төбәктәрҙән тура бәйләнештәр күҙаллана. Әлегә аныҡ көнө билдәләнмәгән. Журналистар Президент менән һөйләшеүҙе түҙемһеҙләнеп көтә. Владимир Путин да, моғайын, матбуғат конференцияһы үтәсәк бинала яңғыҙ булмаҫ, һанаулы кешеләрҙе индерерҙәр. "Үкенескә күрә, хәл-торош беҙҙең пландарға ҡарамай. Шуға күрә барыһын да эпидемиологик хәлдән сығып, билдәләйәсәкбеҙ", - тине бөгөн Песков әфәнде. Фото: Кремлин.ру https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-yilli-matbu-at-konferentsiya-ina--erl-n-541717/ Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Йома намаҙының фарызлығы хаҡында күп кенә хәҙис шәрифтәр бар. Бында уларҙың ҡайһы берҙәрен генә китерәбеҙ:“Йома намаҙын йәмәғәттә ҡылыу һәр мосолман өсөн фарыз. Ҡол, ҡатын, бала һәм ауырыуҙарға иһә ул фарыз түгел”. (Абу Дауд, Байхаҡи, Хәким әт-Таж том 1:274)“Һис ниндәй сәбәпһеҙ Йома намаҙын ҡалдырыусы кешләрҙең исемдәре яҙыуҙары һис ҡасан юғалмаған китапта монафиҡ булараҡ яҙылыр” . (Шәфиғи, әт-Таж 11:274)“Әгәр ҙә сәбәпһеҙ Йома намаҙҙарын ҡалдырыуҙы туҡтатмаһағыҙ, Аллаһ ҡәлебтәрегеҙгә шундай бер мөһөр һуғыр, мәңгелеккә ғафил ҡалырһыҙ”. (Мөслим, Рияд ас-Салихин тәрж. том 2:441) “Эй, кешеләр, белегеҙ, был көндән алып, ҡиәмәткә тиклем, Йома көнө намаҙы һеҙгә фарыз ителә. Имамдарығыҙ насар Йә яҡшы булһын, Йоманы әһәмиәтһеҙ күреп, уны ҡалдырыусыларҙың эше яҡшылыҡ менән бөтмәйәсәген белеп тороғоҙ”. (М.А. Кексаль, Мөхәммәд һәм Исламиәт том 1:21) “Йома намаҙында имам булараҡ башҡаны билгеләп, үҙемдең лә, валлаһи, Йомаға килмәгәндәрҙең өйҙәренә ут төртеп сыҡҡым килә”. (Муслим, Дүрт Мәзхәбтең Фикх Китабы том 1:334 Юғарыла иҫкә алнған аят кәримәләр һәм хәҙис шәрифтәр Йома намаҙының фарызлылығына дәлил булып торалар. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Хәким ҡарт тимер юл вокзалының кассаһы алдына килеп баҫҡас, ҡапылдан икеләнеп ҡалды. Бар тәүәкәллеге әллә ҡайҙа китеп юҡ булғандай тойолдо. “Алырғамы, юҡмы?”- тигән һорау мейеһен бырауланы. Хәҙер билет алһа, уның тормош юлы ҡырҡа боролош яһаясаҡ, һуңғы ваҡыттарҙа көнө-төнө хыялланған, өмөт иткән ылыҡтырғыс та, бер аҙ хәүефлерәк тә күренгән яҙмыш көтәсәк. Хәким ҡарт тимер юл вокзалының кассаһы алдына килеп баҫҡас, ҡапылдан икеләнеп ҡалды. Бар тәүәкәллеге әллә ҡайҙа китеп юҡ булғандай тойолдо. “Алырғамы, юҡмы?”- тигән һорау мейеһен бырауланы. Хәҙер билет алһа, уның тормош юлы ҡырҡа боролош яһаясаҡ, һуңғы ваҡыттарҙа көнө-төнө хыялланған, өмөт иткән ылыҡтырғыс та, бер аҙ хәүефлерәк тә күренгән яҙмыш көтәсәк. Ә алмай кире боролоп ҡайтһа, ел-дауылдар ҡаҡмаған тыныс ҡартлыҡта ғүмере үтәсәк. Ләкин күңелде оло үкенес һалып, ул һуңғы көндәренә тиклем йөрәкте һыҙлатасаҡ. Кассир ҡыҙҙың: “Куда, бабай?” – тип өндәшеүе ҡартты һиҫкәндереп ебәрҙе. Уның аҡса йомарлаған ҡулы үҙенән-үҙе тәҙрәләге тишеккә һонолдо.”Кемеровоға”, -тине ул ниндәйҙер ят тауыш менән. Билетты алып, ҡул осона, тип әҙерләгән аҡсалары янына һалып ҡуйғас, өҫтөнән ниндәйҙер йөк төшкәндәй, еңел һулап ҡуйҙы Хәким ҡарт. Ул үҙен юлындағы ниндәйҙер һыҙыҡты аша атлап, икенсе донъяға аҙым яһағандай хис итте. “Ярар, булаһы булды, бер ниәтләгәс барырға кәрәк. Унда беҙҙең халыҡ та етерлек, Тулеев исемле башлыҡтары ла үҙебеҙҙең кеше, тиҙәр бит,” – тигән уй менән ул үҙен тамам тынысландырырға тырышты. Поезд килергә байтаҡ ваҡыт бар. Ҡарт станция буфетына инеп, һыуыҡ сәйҙәре менән пирожки тип аталған нәмәләрен ҡапҡылап сыҡты ла, перрон буйлап һуҙылған эскәмейәләрҙең аулағырағын һайлап, шунда барып ултырҙы. “Йә, ҡарт алаша, ҡартайғанда тыртайған , тип һинең кешеләргә әйтәләр бит!..Ну, бер яҡтан молодецһың да – тәки үҙеңде еңергә көс таптың, әй!”- тип Хәким ҡарт үҙ алдына һөйләнде. Ә уйҙары тағы нисәнсе ҡатҡалыр уҙған ғүмеренә байҡау яһай. Хәким атаһын яҡшы хәтерләй. Ни тиһәң дә ул һуғышҡа киткәндә малайға ун бер йәш ине бит. Атаһы сибек кенә кәүҙәле, ҡарағусҡыл йөҙлө, бер ваҡытта ла тауышын күтәреп өндәшмәҫ шым, ипле әҙәм булды. Ҡушаматы ла “Мыштым” ине уның. Ә әсәһе, киреһенсә уҫал, “яһил бисә” тигән даны сыҡҡан, бар нәмәне үҙенсә эшләтергә яратҡан эре һөйәкле, шулай ҙа төҫкә бик сибәр ҡатын ине. “Бер уҫалға - бер йыуаш,” – тигәндәре тап ата-әсәһенә әйтелгәндер, моғайын. Ләкин атаһы кәрәк саҡта тешен дә күрһәтә белгән. Әсәһе атаһын һуғышҡа оҙатҡанда: ”Һуғышырһың тип беләһеңме ни, шунда берәй ерҙә ҡурҡып ҡасып ятырһың әле. Ҡайҙа һинең өсөн үҙем китәйем,”- тип көлһә лә, хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙ килгәнсе ебәргән фотоһында гимнастеркаһын бер орден менән миҙал да биҙәй ине… Хәким төҫ-башы менән әсәһенә тартһа ла, холоҡ-фиғеле тап атаһыныҡы булды. Бәләкәйҙән бик һөйләшеп бармаҫ, ни ҡушһалар шуны үтәп, ни бирһәләр шуны ашап тигәндәй, ҡаршылашыу, тыңлашмау тигән нәмәне белмәй үҫте. Бала, үҫмер саҡтарын һуғыш ялҡыны көйҙөргән уның тиҫтерҙәренә эш тигән ҡалъяның иң һимеҙе эләкте. Ә бит башҡаларын иҫәпләмәй,арба-санаға, һабан-тырмаға егелгән үгеҙҙәр менән яфаланыуҙар үҙҙәре генә әллә нисә кеше ғүмеренә етерлек нужаға торош итәлер. Уның ҡарауы хатта алабута икмәге лә бер ҡорһаҡ тултырып ашарлыҡ тәтемәне. Аслы-туҡлы бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем баҫыуҙан ҡайтып инмәгән йәш-елкенсәк, ни ғиллә менәндер инде, бигерәк дәртле булды. Әлһерәп, аяғын саҡ һөйрәп ҡайтып ингән егет-ҡыҙҙар, аҙ ғына хәл ала һалып, клубҡа, аулаҡ өйҙәргә ашыға. Киске уйындар һуғыштан һуңғы йылдарҙа, аҙ-маҙ булһа ла ир-ат ҡайтып, ауыл халҡы әҙерәк тын алып ҡалғас үтә ҡотороп китте. Һәр кис бер нисә урында, үҙҙәре әтмәлләп алған скрипка, гармун тызҡылдауҙары аҫтында, ағас табанлы сабаталар тыҡ та тыҡ килә, таңға тиклем урамдарҙан йыр-моң ағыла. Эйе, дәрт тә, дарман да етерлек булды Хәкимдең тиҫтерҙәрендә, һуғыш тигән нәмә иртә өлгөрттө йәштәрҙе. Тиҙ арала ғашиҡ булып, ун алты – ун ете йәшлек егет-ҡыҙҙар тиҙ арала өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Элекке “ҡыҙ әйттергән”тигән һүҙ онотолоп, “ҡыҙ урлауға”күстеләр. Әлбиттә, был ысын мәғәнәһендә түгел, ә күп осраҡта ике яҡтың да килешеүе менән эшләнә ине. Уның ҡарауы “урланған ҡыҙ” исемен йөрөтөүе үҙе ни тора! Хөрт нәмәне урламайҙар бит инде! Хәким күрше ауылдан ултырмаға килгән Мәҙинәне аулаҡ өйҙә осратты. Шул кисте был яҡтарҙа киң таралған “пар тап” уйынында уның өлөшөнә төштө ул ҡыҙ. Тәү күреүҙә үк бер-береһен оҡшаттылар, ғашиҡ булыштылар егет менән ҡыҙ. Мәҙинә ауылдарына ҡайтып киткәс, уны юҡһынып үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөҙәгән Хәким һәр кис туғыҙ саҡырым ара үтеп, осрашыуға сапты. Ярты йыл уҙғас, Кәрим иптәше менән ат ҡараусы Фәйзелғаян бабайҙың кәләш сәлдереү өсөн генә дилбегәһен егет-еләнгә тотторған ҡола айғыр егелгән санала Мәҙинәне “урлап” алып ҡайттылар. Был яҡтағы ғәҙәт буйынса тура үҙҙәренә төшөрмәй Ғәрифә еңгәләренә килтерҙеләр. Хәйри ҡарттан никах уҡыттырып, ике йәште улар өсөн йылытып ҡуйылған келәткә ябып та ҡуйҙылар. Иртәгеһен әсәһенән һөйөнсө алырға барған еңгәһе ҡайтып: ”Уй, ҡәйнеш, түҙеп кенә тор, әле мин саҡ сығып ысҡындым!”- тип әйтергә лә өлгөрмәне, дауыл ҡуптарып әсәһе килеп инде. Үҙенең рөхсәтенән башҡа кәләш алырға баҙнат иткән улын, әле күреп түгел, исемен дә белмәгән киленен эт урына һүкте әсәһе. Хәким үҙҙәрен яҡлап бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтә алманы ул ваҡыт. Үҙенә килеп һыйынған кәләшенә ара-тирә ғәйепле ҡарашын ташлап, яңылыш эш боҙған балалай, башын түбән эйеп тик торҙо. Үҙҙәренә ҡайтҡас та, йәштәргә көн күрһәтмәне әсәһе. Килененең һәр эшенән ғәйеп табып, оло тауыш сығарҙы, урам тултырып ғәйбәт таратты. Баш күтәрмәй көн оҙоно баҫыуҙа, иртәле-кисле йортта эш бөтөргән кәләшенең төн оҙоно ғәрләнеп әсе күҙ йәштәре түгеүе, үҙенә лә арыу ғына эләккән Хәкимдең йөрәген һыҙлатты. Ләкин үҙҙәрен ҡурсалар көс тапманы. Әсәһенә һүҙ әйтеү түгел, ҡайһы саҡ күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәне ул. Мәҙинә лә тыныс, сабыр холоҡло булды. Башҡа берәү булһа күптән күтәреп һуғып, ҡайтып китер ине. Ләкин ул нисек тә түҙергә тырышты. Башын баҫып гел эш менән мәшғүл булды, эше менән ҡәйнәһенә ярарға ынтылды. Көҙгө ямғырлы кистә Мәҙинә ҡыҙ бала тапты. Ә бер аҙна уҙғас, балаһын бер нисә тапҡыр ғына ҡулына алып өлгөргән Хәкимде армияға алып киттеләр. Айырылышҡанда һинһеҙ ҙә ни эшләрбеҙ, тигәндәй күҙҙәренә тилмереп ҡараған бисәһен йәлләү йөрәген өҙҙө. Ярай әле иптәшкә ҡыҙы бар, бәлки ейәнсәре тыуғас, әсәһе бик уҙынмаҫ, тип йыуатты ул үҙен. Армияла тәүге көндәре йылдай тойолһа ла, аҡрынлап күнекте. Гел күҙ алдынан китмәгән ҡатыны менән ҡыҙын ауыр һалдат тормошо аҡрынлап аҙ-маҙ оноттороп та торҙо. Ҡатынының һәр хатындағы әлегә иҫән-һаубыҙ, һәйбәт кенә йәшәп ятабыҙ, тигән һүҙҙәре күңеленә тыныслыҡ килтерҙе. Шулай ярты йылдан артыҡ хеҙмәт иткәс, бер көн уға хат тотторҙолар. Тышындағы адресы ят ҡул менән яҙылғанын күргәс, Хәким аптырабыраҡ ҡалды һәм ҡабаланып хатты асты. Уны әсәһе яҡын әхирәтенең ҡыҙы Нәсимәгә әйтеп тороп яҙҙырған булып сыҡты. Ҡоро һүҙҙәр менән яҙылған был хат Хәкимдең йөрәгенә бысаҡ һымаҡ ҡаҙалды. “…Ҡатыныңды аҙбар артында Фәйзи менән тоттом. Ул оятһыҙ уйнашсыны өйөмдә аҫрай буламмы һуң? Ҡыуып ҡайтарҙым…”-тигән яҙыуҙы, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, ҡат-ҡат уҡыны Хәким. Аҙаҡ иҫһеҙ кешеләй оҙаҡ ҡына ултырғысында шанғып ултырҙы. “Булыуы мөмкин түгел!..Ә ысын булһа?..Бәлки әсәһе ҡыуып ҡайтарырға сәбәп кенә эҙләгәндер?..Юҡ-юҡ! Йыуаш, сабыр холоҡло Мәҙинә ундай енәйәткә бармаҫ… Яратышып ҡауыштылар бит улар! Нахаҡтыр был!” Көнө-төнө башында ҡайнашҡан уйҙар уны тотошлайы менән биләп алды. Йоҡоһо ҡасты, тамағына аш барманы. Хеҙмәт итеүенең дә рәте китте. Шуның арҡаһында гаупвахтаға ла эләкте. Ә унда уйланырға форсат етерлек. Теләһәң-теләмәһәң дә әрһеҙ уйҙар ҡулында һин. Эйе, ҡатының уйнаш итеүенә башта ышанманы Хәким. Ләкин аҙағыраҡ, бергә хеҙмәт иткән иптәштәренең һуғыш ваҡытында, унан һуң да “һалдаткалар”, тол бисәләр янына йөрөүҙәрен һөйләүҙәре, Фәйзиҙең кем булыуын, йәғни һуғышҡа барып етер-етмәҫ үк аяғы яраланып ҡайтып, ауылдағы күпме яңғыҙ бисә-сәсәнең башына еткәнен белеү, әсәһенең үҙ балаһына шул ҡәҙәре этлек эшләп, юҡты бар итеп яҙҙырмаҫ, тип уйлау ҡатынына ышанысын көндән-көн кәметеп, хатта бәйән ителгәндәргә инанырға мәжбүр итте. Гаупвахтанан сығыуына килеп торған Мәҙинәнең хатындағы: “Нахаҡ, ышанма!”- тигән һүҙҙәре инде ул ҡатынының аҡланырға маташыуы ғына тип ҡабул итте. “Йыуаштан йыуан сыға!” тигән һинең кеүектәргә әйтелгән бит, тип ҡатының хатын йыртып уҡ бәрҙе. Яуап та яҙманы. Мәҙинәнән тағы бер нисә хат килде лә, туҡтаны. Уның ҡарауы, Нәсимәнән хаттар йышайҙы. Башта әсәһе әйтеп яҙҙырғандар килһә, аҙаҡ тик үҙенекеләр генә булғылай башланы. Хеҙмәтен тултырып ҡайтыр алдынан килгән бер хатында хатта ҡыҙ уға күптән ғашиҡ икәнен, һағыныуын, уның ҡайтыуын “зар-интизар” булып көтөүен дә яҙған ине. Хәким уның яҙғандарына бик иғтибар итмәй, көлөбөрәк кенә ҡараны. Шулай ҙа, ҡайһы саҡ, Нәсимәнең йөҙөн, буй-һынын күҙ алдына баҫтырырға тырышып та ҡараны. Ләкин уның тоноҡ ҡына шәүләһен Мәҙинәнең һылыу йөҙө ҡаплай ҙа ҡуя ине. Хәким асыуы килеп, ҡатынының һынын ҡыуырға ла маташа. Тик уныһы юғалыу түге, киреһенсә, яҡынайғандан-яҡыная, ҡарашын томалай. Шулай уҡ ҡыҙының йөҙөн дә бер нисек тә күҙ алдына баҫтыра алмай. Уныһы сепрәккә төрөлгән бер йомарлам һымаҡ ҡына күренә лә ҡуя. Хеҙмәтен тултырып ҡыш башында ҡайтты Хәким әрменән. Үҙен көтөп торған ҡатыны менән балаһы булмағас, өй буп-буш һымаҡ тойолдо уға. Күңелен төшөнкөлөк биләп алды. Унан арынырға теләп, ул тиҙерәк башы-аяғы менән эшкә сумырға ашыҡты һәм фермаға мал ҡараусы булып урынлашты. Ҡайтыуы менән әсәһе: ”Әҙәм көлдөрөп уйнашың янына аяҡ баҫаһы булма! Бына тигән һыу һөлөгө кеүек йәп-йәш ҡыҙҙар ҙа етерлек!” – тип нығытып ҡуйған ине инде. Хәкимдең әрмелә саҡта ҡайтҡас ҡатынын бер күреп һөйләшергә иҫәбе бар ине, барлыҡҡа. Хәҙер ҙә бисәһен, балаһын барып күрергә йыш ҡына ынтылып-ынтылып ҡуйҙы. Ләкин уның хыянатын күҙаллап, әҙәм хурлығына ҡалыуҙан ҡурҡып, әсәһен рәнйетмәйем тип тә теләгенән кире ҡайтты. Ә Нәсимә йыш булды уларҙа. Йомош менән дә, йомошһоҙ ҙа көнөнә әллә нисә рәт кереп сығыр ине. Һыу килтергән, иҙән йыуған булып та уларҙа уралды. Әсәһе әхирәтенең ҡыҙын маҡтап бөтә алманы. “Инәһеҙ ҡалған ата ҡаҙ һымаҡ күп ҡаңғырып йөрөмә - ал да ҡайт Нәсимәне!” – тип тә әйткеләне. Ҡылансығыраҡ күренгән, ҡаҡса йөҙлө, ҙурыраҡ кәкре танаулы был ҡыҙ Хәкимгә бик үк оҡшамаһа ла, уның хәҙер миңә барыбер, тип бөтә нәмәгә ҡул һелтәп йөрөгән сағы ине. Шундай көндәрҙең береһендә әсәһе: “Һин, мәмәй ауыҙҙан булмаҫ, әйҙә, үҙем яусы булып барам!” – тип, Хәкимде Нәсимәләргә алып китте һәм никах уҡытып өйҙәренә алып та ҡайттылар. Тәүге никахты боҙоу өсөн Хәкимдең Мәҙинәләр ауылы яғына ҡарап өс тапҡыр “талаҡ” тип ҡысҡырыуы ла етте. Яңы өйләнешкән мәлдә тәүге ҡатыны менән бәйләнгән ваҡиғалар бер аҙ онотолоп, күңеле күтәрелеберәк йөрөһә лә, һуңға табан Мәҙинәһе йыш ҡына иҫенә төшкөләне. Йәш кәләше ҡосағында саҡта ла уны Нәсимә менән сағыштырыр, хатта ҡуйынында ул яталыр тип үҙ-үҙен алдар, ышандырыр булып китте. Бәлки Мәҙинә менән ҡабат ҡауышырбыҙ ҙа әле тигән өмөт тә уяна башлаған ине уның күңелендә. Ә уны Кузбаста шахтер булып эшләгән Зәки исемле берәүҙең ҡайтып үҙе менән алып китеүен ишеткәс, Хәкимдең был өмөтө юҡҡа сыҡты. Тәүге мөхәббәтен, өҙөлөп һөйгән кешеһен бөтөнләйгә юғалтыуын аңланы. Тағы ла күңелен бушлыҡ, төшөнкөлөк биләп алды. Яратмағас уны Нәсимә генә тултыра алмай ине шул. Ярай әле бер-бер артлы тыуған балалары, донъя мәшәҡәттәре йөрәк һыҙлауын баҫырға, ваҡыты-ваҡыты менән уны онотоп торорға ярҙам итте. Ваҡыт – табип, тип, юҡҡа әйтмәгәндәрҙер – йылдар үткән һайын барыһы ла аҡрынлап юғала барып, күңел һыҡраныуҙары ла баҫылғандай итте. Ләкин барыбер ҙә китек ине ул. Хәким менән Нәсимә алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Аҡрынлап иркен генә йорт төҙөп кереп, донъяларын бөтәйттеләр. Хәким йәйле-ҡышлы мал араһында булды. Ҡатыны сөгөлдөр үҫтерҙе, ваҡ-төйәк эшкә йөрөнө. Был яҡтарҙағы ҡатын-ҡыҙҙың төп кәсебе булған шәл бәйләп һатты. Һикһәнен тултыра яҙып, Хәкимдең әсәһе гүр эйәһе булды. Үлер алдынан ул улын үҙ янына саҡырып алды ла, көсһөҙ генә тауыш менән: “Балам, бер үк миңә рәнйеп ҡалма…Үҙемдең тәкәберлегем арҡаһында һине яратҡан ҡатыныңдан айырҙым.., балаңды етем иттем…Мәҙинә килен алтын булған да бит…Юҡҡа ғына гонаһҡа баттым…Теге ваҡыт Фәйзи килеп йәбешкәс, ул үҙе ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Мин сығып, аралап алып ҡалдым. Мәҙинә килендең бер ниндәй ҙә ғәйебе булманы…Ә мин ғүмер буйы выждан ғазабы кисереп йәшәнем…Алай-былай күрә ҡалһаң, әйт, ғәфү итһен мине берүк…Үҙең рәнйеткәндәрҙең бәхиллеген алмай гүргә инеүҙәре ҡыйын, балам..,” – тип күҙҙәрен йомдо. Әсәһенең һүҙҙәре Хәкимгә ҡапылдан ҡаҡ маңлайына таш менән тондорғандай тәьҫир итте. Тимәк, Мәҙинәнең бер ғәйебе юҡ! Әсәһе генә араларына ингән! …Ә ул, алйот, уның яҙҙырғандарына ышанды! Их, ахмаҡ! Әрмелә хат яҙмаһа ла, хет ҡайтҡас булһа ла барып һөйләшеп-аңлашырға булған да бит…Һуң.., һуң инде хәҙер!..Их, был тормош тигән нәмәне туҡтатып тороп, кире ул саҡтарға ҡайтһаң ине лә - булмай шул! Оҙаҡ, бик оҙаҡ телгеләнде бәғере Хәкимдең. Һуңынан да йыш-йыш иҫкә төшөп, йөрәген семетеп-семетеп алды. Ләкин ни эшләһен инде? Яҙмышына баш эйеп йәшәй бирҙе. Балалары яйлап, башлы-күҙле булып, таралышып бөттөләр. Тик кинйә малайы ғына өйләнеп, үҙҙәре янында ҡалды. Хәким пенсияға сыҡһа ла малдарынан айырылманы, аҡырынлап колхозда эшләп йөрөүен белде. Йәйге бер иртәлә ихатаһында ниҙер эшләп йөрөгән Хәким, ҡапҡанан инеп килгән ҡатынды күреп, ҡапыл ғына йәшен һуҡҡандай, урынында ҡатып ҡалды. Уға табан яй ғына атлап…Мәҙинәһе килә ине. Ул ҡаршыһында туҡтап, ниҙер өндәшә, ә Хәким, ҡапыл ғына телһеҙ ҙә, ҡолаҡһыҙ ҙа ҡалып, күҙҙәрен селт-селт йомоп,ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай урынында ҡатып тик тора. Яйлап уға ҡатындың: “Һеҙ Хәким булаһығыҙмы?” – тигән һорауы барып етте. Хәким яуап урынына баш башын ғына ҡаҡты. “Һаумы, атай?!” – ҡатын уға ҡулын һуҙҙы. Хәким бер һуҙылған ҡулға, бер ҡатынға аптырап ҡарап торҙо ла, ҡабаланып уның бармаҡтарын ҡыҫты. “Тимәк, был Мәҙинәнең.., дөрөҫөрәге уларҙың ҡыҙы!” – тигән уй мейеһен телеп үтте. Аталы-ҡыҙлы бер-береһенә ҡарашып, ни әйтергә белмәй бер аҙға тын ҡалдылар. - Бына, хет бер күрәйем тип, килдем әле, -тине ҡыҙы, тынлыҡты боҙоп. - Әйҙә, өйгә ин..,-тигән булды Хәким, һаман да һушын йыя алмай. Инеп, Зәлиә өйҙәгеләр менән дә күрешеп сыҡҡас, унда сәйер тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла башлап һүҙ әйтергә ҡыймай, ҡараштары менән генә бер-береһен күҙәттеләр. - Ҡана, сәй ҡуйып ебәрәйем әле, -тине ҡапыл ғына Нәсимә, тынлыҡты боҙоп. Зәлиә лә, шуны ғына көткәндәй, юл сумкаһын асып, күстәнәс-бүләктәрен өләшергә тотондо. - Бына быныһы һиңә, ярар микән, - тип ул Хәкимгә костюм-салбар һуҙҙы. - Кәрәкмәҫ ине, рәхмәт инде, -тигән булып атаһы бүләкте ҡулына алды. - Йә, кейеп үк күрһәт инде! –Малайы кейемдәрҙе тағата уҡ башланы. Ҡыҙының бүләге сибек кәүҙәле атаһына бер нисә размерға уҡ ҙур булып сыҡты. “Күрәһең, мине, йәғни атаһын, таҙа кәүҙәле, ғәйрәтле кеше тип күҙ алдына килтергәндер, тип уйланы Хәким һәм ҡыҙы алдында үҙенең буй-һынынан оялып та ҡуйҙы. - Ярар-ярар, таманлатып алырбыҙ, - Нәсимә ирен бер тегеләй, бер былай әйләндергеләп ҡараны. Ҡыҙының күстәнәстәре менән сәй эсеп алғас, Хәким малайын көтөүгә ебәреп, һарыҡ ҡайтарып һуйҙы һәм кисен, бер нисә туған-тыумаса тейеш кешеләрҙе лә йыйып, ҡыҙы хөрмәтенә мәжлес һымаҡ нәмә ҡорҙолар. Иртәгеһен улары ла ашҡа саҡырып алдылар. Хәким башта ҡыҙынан нисектер тартыныбыраҡ йөрөһә лә, аҡрынлап ул янында саҡта ниндәйҙер күңел рәхәтлеге кисереүен һиҙҙе. Зәлиә ундағы бушлыҡты тултырып, төҫһөҙ тормошона биҙәк өҫтәп, әйләнә тирәһен нурландырып ебәргәндәй тойолдо. Бындай хистәрҙе Мәҙинәһе менән ҡауышҡан саҡтарында кисергәйне ул. Хәким ҡыҙы менән генә булғанда Мәҙинә тураһында һорашырға теләп ынтылып-ынтылып ҡуйғылай ҙа, нисектер ҡыйыулығы етмәй, туҡтап ҡала. Зәлиә лә әсәһе тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Тик килгәс тә үҙенең мәктәптә уҡытып йөрөүен, әле инженер булып эшләгән бер татар егетенә кейәүгә сығып, ике ҡыҙ үҫтереүҙәрен һөйләй алған ине. Ҡыҙы китер алдынан икәүҙән-икәү генә ҡапҡа янындағы эскәмейәгә сығып ултырҙылар. Бер аҙ юҡ-бар нәмә тураһында һөйләшкәс, Зәлиә ҡапыл ғына әсәһе тураһында һүҙ башланы. Мәҙинә ғүмере буйы завод ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Зәкиҙән балаһы булмаған. Ире шахтала газ шартлап һәләк булғас, бына хәҙер ун йыл бер үҙе йәшәй икән. - Һуңғы йылдарҙа һине бик йыш иҫкә ала. Алай онота алмағас ныҡ яратҡандыр, күрәһең. Әле лә мине: “Минән булмаҫ, хет һин бер күреп кил”, -тип ул ебәрҙе, -тине ҡыҙы, аҙаҡ. Зәлиә китеп барҙы. Ул киткәс Хәким үҙен яратҡан тәтәйен тартып алған бала хәлендә ҡалғандай тойҙо. Инде тағы бар донъяһының йәме юғалып, тағы ла бушлыҡта ҡалғандай үҙен хис итте. Өйөндә төрлө мәшәҡәттәр менән бер аҙға онотолоп торһа ла, яңғыҙы көтөү көткәндә инде бөткөһөҙ уйҙар һырып ала. Осо ла ҡырыйы ла юҡ уларҙың. Һәм барыһы ла тип әйтерлек Мәҙинәгә бәйләнгән. Яуырынына аҫҡан радиоприемниктан йөрәктәрҙе өҙгөс йыр ағыла: Бар донъя утында янығыҙ, Яңғыҙлыҡ утында янмағыҙ. Ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! Әйтерһең дә, Хәкимдең ниндәй хәлдә икәнен белеп, уға өндәшәләр. Ул да ғүмере буйы яңғыҙлыҡ утында янды түгелме һуң?! Һәр саҡ ҡатыны, балалары эргәһендә булды, ә ул барыбер үҙен яңғыҙ тип хис итте. Мөхәббәтһеҙ, яратҡан кешеһеҙ тормош-тормош түгел, таяныр, һыйыныр, ысын күңелдән эс сереңде һөйләр кешеһеҙ үткән ғүмер – буш ғүмер икән ул. Ә уны шул ғүмер уҙғас ҡына аңлайһың. Ләкин һуң шул! …Бәлки.., бик һуң да түгелдер…Ниңә был бушлыҡты тултырмаҫҡа, ғүмеренең һуңғы көндәрендә булһа ла яңғыҙлыҡтан арынып, бәхетле тормош тигәндәрендә йәшәп ҡалмаҫҡа?! Хәким, ҡапылдан үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып, уларҙы ҡыуырға тырыша. Ләкин улар, аҡрынлап, бар булмышын биләгәндән-биләй, арбай, тилертә. Етмәһә, ҡолаҡ төбөндә мейеһенә һеңгән: Ғүмерҙең асылын аңлағыҙ- Яратҡан йәрҙәрһеҙ ҡалмағыҙ, -тигән йыр өҙлөкһөҙ яңғырай. Барыһына ла ҡул һелтәп Мәҙинә янына китергә лә барырға, тигән уйын, ул ҡабул итерме, ҡатыны, балалары, ауылдаштары алдында оят, “Ҡартайғанда тыртайған!” – тип көлмәҫтәрме тигәндәре ҡыҫырыҡлаһа ла, һуңынан, Зәлиә лә минең ҡыҙым, уның да мине күрергә, миңә “атай” тип өндәшергә, минең дә яратҡан кешем менән йәшәргә хаҡыбыҙ бар тип, китергә тигән уйы көндән-көн нығынып, икеләнеүҙәре юҡҡа сыға барҙы. Үлер алдынан әсәһенең: “Мәҙинә килендең бәхиллеген ал!” – тигән һүҙҙәре лә китергә тигән уйына этәргес булды. Һәм ул ныҡлы ҡарарға килеп, башҡаларға һиҙҙермәй генә юлға әҙерләнә башланы. Тик быны өйҙәгеләргә нисек аңлатырға тигән уйы уны ниәтенән бер аҙға кисектереп торҙо. Һәм бына бөгөн аш бүлмәһендә иртәнге сәйгә йыйылған ғаиләһе янына алғы яҡтан ҡулына бәләкәй генә сумаҙан тотоп кейенеп-яһанып килеп сыҡты ла: “Мин Зәлиә янына барам әле,” – тип хушлашып, тышҡа атланы. Алыҫ булмаған станцияға йәйәүләп кенә килде ул. Хәкимдең уйҙарын бүлеп “пуфылдап” станцияға поезд килеп туҡтаны. Ҡарт тора һалып, ары-бире йүгерешкән кешеләр араһынан уҙып кәрәкле вагонды эҙләп тапты ла, кондукторға билетын күрһәтеп, купеһына инеп ултырҙы. Поезд ҡуҙғалып киткәндә тәҙрәнән тыуған яҡтарына күҙ ташлап алды һәм кемгә атап әйткәнен үҙе лә белмәй: ”Ғәфү итегеҙ, берүк,” –тип шыбырҙаны. Хәким ҡарт китеп бер нисә ай уҙғас, өйөнә: “Прописканан төшөрөп, пенсиямды бында күсерегеҙ әле”, - тигән хаты килгән тиҙәр. Тимәк, беҙгә, ҡартыбыҙ Мәҙинәһе менән ҡабат ҡауышҡандыр, күрәһең тип, фараз итәһе генә ҡала. Мөҙәрис Багаев Фото: интернет Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Барыбыҙ ҙа – балалар ҙа, өлкәндәр ҙә Яңы йыл байрамын түҙемһеҙләнеп көтә. Ысынлап та, күптәр үҙҙәренең иң яҡты һәм изге хыялдарының тап яңы йылда тормошҡа ашыуын, тылсымлы байрамдан мөғжизәләр көтә. Беҙ ҙә - “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәре үҙебеҙҙең әүҙем уҡыусыларға яңы йыл бүләктәре әҙерләнек. Ниндәй тиһегеҙме?! Барыбыҙ ҙа – балалар ҙа, өлкәндәр ҙә Яңы йыл байрамын түҙемһеҙләнеп көтә. Ысынлап та, күптәр үҙҙәренең иң яҡты һәм изге хыялдарының тап яңы йылда тормошҡа ашыуын, тылсымлы байрамдан мөғжизәләр көтә. Беҙ ҙә - “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәре үҙебеҙҙең әүҙем уҡыусыларға яңы йыл бүләктәре әҙерләнек. Ниндәй тиһегеҙме?! Район гәзиттәренә 2020 йылдың беренсе яртыһына яҙылып, квитанцияһын беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресына ебәргәндәрҙе сираттағы бүләк уйнатыу - “Яңы йыл ҡыуаныстары” көтә. 18 декабрҙә иртәнге 11-ҙә үткән бүләк отошта һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡатнаша һәм шыршы, светодиодлы гирлянда, светильник-проектор, хлопушка һәм бик күп тәмлекәстәрҙең кемдәргә эләккәнен күрә алаһығыҙ. Яҙылығыҙ, уҡығыҙ һәм беҙҙең менән ҡалығыҙ! Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Был мәҙәни байлыҡтарҙың барыһы ла халыҡ тауышынан, балалар ҡулы ҡағылыуҙан яҡын арала йәнә йәнләнеп китер тип теләйек. “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәниәтте үҫтереүҙең яңы сифатлы кимәлен тәьмин итеү” федераль проекты нигеҙендә республикала байтаҡ эш атҡарылған. Мәҫәлән, заманса яңыртылған ун кино залы, ике концерт залы, ике моделле китапхана сафҡа ингән. Былар хаҡында даими рәүештә гәзитебеҙҙә яҡтыртып торабыҙ. Салауат районының Мөрсәлим, Ҡыйғының Түбәнге Ҡыйғы ауылдарындағы мәҙәниәт һәм ял учреждениелары күмәк халыҡты йыйып, байрамдар үткәреп тә өлгөргәйне. Бөтә донъялағы әлеге хәлгә бәйле был биналар ябыҡ торһа ла, хәүефле мәлдән һуң улар йәнә милли байрамдарҙан, заманса мәҙәни сараларҙан гөрләп торор, тип өмөт итәйек. Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ла мәҙәниәт йорто сафҡа инде, Дыуандағы, Бөрйәндәгеүҙәк мәҙәниәт усаҡтары яңыртылды. Әлеге осорға тиклем был учреждениеларҙың төҙөлөп бөтөүе – үҙе бер шатлыҡ. Дөйөм алғанда, йәмғеһе 22 мәҙәни усаҡта яңыртыу эштәре үткәрелгән. “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, ошо йыл арауығында 14 балалар сәнғәт мәктәбе һәм өс колледж музыка ҡоралдары менән тәьмин ителде. Федераль бюджет иҫәбенә 63 балалар сәнғәт мәктәбенә “Николай Рубинштейн” маркалы пианино алынды. Йәнә күп фунциялы биш күсмә мәҙәни үҙәк (автоклуб) – Башҡортостанда. Был мәҙәни байлыҡтарҙың барыһы ла халыҡ тауышынан, балалар ҡулы ҡағылыуҙан яҡын арала йәнә йәнләнеп китер тип теләйек. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс федераль проекттан тора: “Мәҙәни мөхит”, “Һанлы мәҙәниәт” һәм “Ижади кешеләр”. Фото: zen.yandex.ru Автор: Лариса Абдуллина https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Bil-pianinolar-balalar-i-k-t-201955/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Көрсөк һәм эшһеҙлек испандарҙың ғәҙәттәрен үҙгәртә. Элек- электән яңыны алыуҙы хуп күргән илдә тотонолған әйберҙәргә һорау арта. Тотонолған әйберҙәр менән һатыу итеүсе “секонд-хенд”магазиндарында сауҙа яҡшы бара. Һорашыу мәғлүмәттәре буйынса, испандарҙың 40 проценты ошондай магазиндарға йөрөй. Тотонолған автомобилдәр баҙары ла арыу эшләй. Элек испандар яңы машина ала ла, ул туҙғансы шунда йөрөй торғайны.Хәҙер иһә күптәр һәйбәт машиналарын һатырға мәжбүр, иҫке машина алырға теләүселәр һаны илдә арта бара. “Хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе: 6-7 йыл элек тотонолған һәр машинаға 4-5 яңыһы тура килә ине, ә хәҙер киреһенсә- һәр яңы машинаға 3-4 иҫкеһе тура килә,-“ ти автомагазинда һатыусы Анхель Родригес. Илдәге эшһеҙлек рекорд кимәленә етте- һәр дүртенсе испанлы эшһеҙ. Хөкүмәт дәүләт бюджеты сығымдарын кәметергә тырыша, ил халҡы ла экономияларға мәжбүр. “Секонд-хенд”магазиндары ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр һымаҡ үҫә, ә уларҙың хужаларына хеҙмәт көнөнән һуң да эшләргә тура килә. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ социаль тәғәйенләнешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәүләттән сираттағы финанс ярҙамы – коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса дезинфекциялауҙы үткәреү өсөн субсидиялар аласаҡ. Уларҙы биреү ҡағиҙәләре Рәсәй Хөкүмәтенең быйыл 2 июлдәге Ҡарары менән раҫланған. Айырым эшҡыуарҙар ярҙамға өмөт итә ала Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ социаль тәғәйенләнешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәүләттән сираттағы финанс ярҙамы – коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса дезинфекциялауҙы үткәреү өсөн субсидиялар аласаҡ. Уларҙы биреү ҡағиҙәләре Рәсәй Хөкүмәтенең быйыл 2 июлдәге Ҡарары менән раҫланған. Ярҙам үҙенең клиенттары менән даими һәм туранан-тура эш иткән, финанс, шул иҫәптән дезинфекциялауға һәм санитар-иҫкәртеү сараларына сығымдар сарыф иткән айырым ойошмаларға биреләсәк. Аныҡлап әйткәндә, һүҙ өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған, физик культура һәм һаулыҡ нығытыу өлкәһендәге, ҡунаҡхана эшҡыуарлығындағы, дөйөм туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәттәрен күрһәтеү ойошмалары хаҡында бара. Субсидияны алыу өсөн түбәндәге шарттар ҡаралған. 2020 йылдың 10 июненә тиклем был объекттар Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берҙәм реестрында теркәлгән булырға тейеш. Был ярҙамға социаль тәғәйенләнешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар иҫәп тота ала. Бынан тыш, иғлан биргән ойошмаға бөтөрөлөү йәки көрсөк процедураһын үтеү процесында булмау зарур. Өҫтәүенә быйыл 1 июнгә тиклем һалым һәм страховка иғәнәләре берлектә өс мең һумдан артырға тейеш түгел. Тау саңғыһы трассаһы, пляж һәм ҡунаҡхана милекселәренең 2020 йылдың 10 июненә тиклем туризм индустрияһының классификация объекттары исемлегенә индерелеүе лә талап ителә. Коронавирус инфекцияһын дезинфекциялау һәм иҫкәртеү өсөн субсидия күләме түбәндәге суммаларҙан тора: беренсел субсидия – 15 мең һум; ағымдағы субсидия: был осраҡта 6500 һум 2020 йылдың майынан алып хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә ҡабатлана. Хеҙмәткәрҙәре булмаған шәхси эшҡыуар өсөн субсидия 15 мең һум тәшкил итә. Был субсидияны алыу өсөн быйыл 15 июлдән 15 авгусҡа тиклем ойошма урынлашҡан йәки шәхси эшҡыуарҙың йәшәү урыны буйынса һалым органына ғариза ебәрергә кәрәк. Ғаризаның электрон вариантын Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең шәхси кабинеттары ярҙамында бирергә мөмкин. Унда аҡса күсергә тейешле иҫәпте күрһәтергә кәрәк. Мәғлүмәтте аныҡлау өсөн Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең бәйләнештәр үҙәгенә (8-800-222-22-22) йәки Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәте идаралығы хеҙмәтенә (347)226-38-00) шылтыратырға мөмкин.
Быйыл йәй көнө ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөтәсәк. Береһе – Ҡорманай ауылында, икенсеһе – Таштамаҡта. Улар заман талаптарына ярашлы йыһазландырыласаҡ. Таштамаҡ ауылының иҫке бинаһы үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән булған. Хәҙер иһә ауыл биләмәһе халҡы яңы шарттарҙа, заман талаптарына ярашлы, тейешле йыһазландырылған бинала медицина ярҙамы аласаҡ. Таштамаҡ ФАП-ы өс ауыл халҡын (1000-ләп кеше), Ҡорманайҙағыһы Өршәк ауыл Советы биләмәһендәге 800-ләп кешене хеҙмәтләндерәсәк. Ҡорманайҙағы иҫке бина 1960 йылдарҙа төҙөлгән. Унда башта колхоз идараһы урынлаша, һуңынан ул ФАП-ҡа бирелә. Өршәк ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Абдрахманов әйтеүенсә, бында кешеләр фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөтөүен бик шатланып көтә, улар өсөн был ысын мәғәнәһендәге дауахана кеүек ҡабул ителә. Бындай яҡшы шарттар булыуы ауыл еренә яңы медицина кадрҙарын йәлеп итер, тип ышаналар район хакимиәтендә. Был объекттарҙы төҙөү “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы финанс сараларына төҙөлә. Фото: район хакимиәте сайтынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың Ижевск һылыуы Инзилә Фәтхетдинова менән никахы булды. Йәштәр үҙҙәренең тәүге ғаилә байрамын Ҡазан ҡалаһында үткәрҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ниһайәт, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың Ижевск һылыуы Инзилә Фәтхетдинова менән никахы булды. Йәштәр үҙҙәренең тәүге ғаилә байрамын Ҡазан ҡалаһында үткәрҙе. Ислам дине буйынса улар хәҙер ир һәм ҡатын. Әммә мөхәббәттәрен тейешле закондар нигеҙендә рәсмиләштереү ҙә кәрәк. Элвин Грейҙың меңдәрсә тамашасыларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың береһе - йәш парҙың туйҙарының ҡасан һәм ҡайҙа булыуы. "Туй йәй көнө Өфөлә үтәсәк", - тиҙәр улар. Тимәк, йәмле йәйҙә Өфө урамдарын шаулатҡан матур тамашаны - Элвин Грейҙың туйын күптәр үҙҙәре үк күрә аласаҡ. Әйткәндәй, йәш кейәү кәләшенә никахта бик матур һәм зиннәтле бүләк яһаған. Ул Инзиләгә ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән йөҙөк, алҡа һәм муйынса кейҙергән. Ә бына туйына кәләшен ни менән ҡыуандырасағы әлегә сер булып ҡалһын. Иң мөһиме - йәштәр бәхетле булһын! Фото: ирекле сығанаҡтан. Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Elvin-Grey-i-tuyi-asan--ay-a-ter-636349/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Рәсәйлеләрҙең дәүләткә нигеҙле дәғүәләре күп, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль һалым хеҙмәте башлығы Даниил Егоров менән осрашыуы барышында. Рәсәйлеләрҙең дәүләткә нигеҙле дәғүәләре күп, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль һалым хеҙмәте башлығы Даниил Егоров менән осрашыуы барышында. Был турала РИА Новости хәбәр итә. Путин Егоровтан һалымдарҙы ҡайтарыу тураһындағы ҡарарҙан һуң үҙмәшғүлдәр һанының артыуы менән ҡыҙыҡһынды. Егоров үҙмәшғүлдәр һанының көнөнә биш мең кешегә арта барыуын һөйләне. Уның һүҙҙәренә яуап итеп Президент әгәр ҙә дәүләт ҡуйылған маҡсаттарын тормошҡа ашырһа, вәғәҙәләрен үтәһә, бының «үҫеш өсөн ыңғай динамика биреүен» билдәләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 5-се клиник дауаханаһы паллиатив бүлексә пациенттары өсөн 50 дана функциялы карауат алды. Ауырыуҙарға ҙур уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ был мөғжизәле карауаттар: дөрөҫ һәм уңайлы ятырға, һөйәк-мускул аппаратын оҙайлы ваҡытта эш торошонда тоторға, өҙлөгөүҙәрҙән һаҡланырға ярҙам итәсәк. Был уңайлы карауаттар йөрөй алмаған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Улар дауалау өсөн тейешле аппаратураны ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә карауаттың бейеклеген үҙгәртеп була, пациентты башҡа урынға, мәҫәлән, коляскаға күсереүе еңелләшә. Ситендә хәүефһеҙлекте арттырыусы “ҡабырғалары“ ла бар. Медицина хеҙмәткәрҙәренә лә бындай уңайлы карауаттарҙа ятҡан ауырыуҙарҙы дауалауы еңелләшәсәк. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Автор: Дина Арсланова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Өфөлә барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты уңайынан Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервью бирҙе, чемпионаттың файҙаһы тураһында һөйләне. Министр журналистар менән әңгәмәләште – Иң ҙур файҙа беҙҙең өсөн, әлбиттә, йәш һөнәрмәндәр чемпионаты финалының Өфөлә ойошторолоуы, – тине Айбулат Хажин. – 170 мең квадрат метр майҙанды әҙерләү, 105 компетенцияны хәстәрләү, 750 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алыу... Әйтеүе генә анһат. Милли беренселек уҙғандан һуң ошо ҡорамалдарҙың бөтәһе лә республикабыҙҙың колледждарына таратылып биреләсәк. Тимәк, белем усаҡтарында бынамын тигән оҫтаханалар буласаҡ. Айбулат Вәкил улының билдәләүенсә, төрлө компетенциялар буйынса үҫешергә теләгән белем биреү учреждениеларына ярҙам итергә кәрәк. Быға хәтлем ҡайһы бер белем усаҡтары “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үҙгәртелгән дә инде. Милли беренселектең финалы 29 августа “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла. Унда иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм бүләкләнәсәк. Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы. #WorldSkillsRussia #НацфиналУфа #Нацфинал2021 Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ гел стресс хәлендә йәшәйбеҙ, нервы көсөргәнешлегенең организмды нисек ҡаҡшатыуын һиҙмәйбеҙ ҙә. Хәҙерге заман кешеһе һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, иртәнән кискә тиклем эш, төрлө мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Йомоҡ, борсоулы йөҙ менән йөрөгән кешеләр эргәбеҙ тулы. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ гел стресс хәлендә йәшәйбеҙ, нервы көсөргәнешлегенең организмды нисек ҡаҡшатыуын һиҙмәйбеҙ ҙә. Нервы көсөргәнешлеге ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, һөйәк һәм быуындар, йөрәк сирҙәрен ҡуҙғытып ебәреүе ихтимал. Депрессия хәлен­дәге пациенттар араһында йыш ҡына яман шештең баш ҡалҡытыуы бил­дәле, сөнки стресс ваҡытында организм ҡаҡшай, хәлһеҙләнә, кәрәкле, файҙалы матдәләр эшләп сыға­рылмай. Депрессияға ҡаршы нисек көрә­шергә, тигән һорауға аныҡ ҡына яуап та юҡ. Ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн ҡайһы саҡта квалификациялы психологка мөрәжәғәт итеү ярҙам итә. Әммә үҙеңде стрестан һаҡлау йәки уның тәьҫирен кәметеү буйынса дөйөм тәҡдимдәр етерлек. Тәү сиратта спорт менән шөғөлләнә башлағыҙ, ти белгестәр. Шул саҡта организмда тупланған бөтә кире энергия физик көсөргәнеш менән сығып бөтәсәк. Йәйәү йөрөү ҙә хәл-торо­шоғоҙҙо яҡшыртасаҡ, аҙға булһа ла борсоған мәсьәләләрҙән арындырыр, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтер. Өҫтә­үенә атлап йөрөү фекерләү ҡеүәһен арттырыуға булышасаҡ, өйөлгән проблемаларығыҙҙы хәл итеү сара­һын табыуҙа ла ярҙам итеүе мөмкин. Бойоғоу, күңел төшөү тойғоһон ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына шоколад менән баҫа. Билдәле булыуынса, тәмле-татлы аҙыҡ – бәхет гормонын эшләп сығарыу өсөн бер сәбәп. Ваҡытында ял итә белеү ҙә хәҙерге заман кешеһе өсөн үтә мөһим. Үҙегеҙҙе яратырға һәм һаҡларға өйрәнегеҙ.
1 июль — Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә — республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял була. 1 июль — Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә — республиканың барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял була. Бөгөн төбәктә элемтә бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында йәки компанияның сайтында эш режимын аныҡларға йәки картала яҡындағы асыҡ почта бүлексәһен табырға мөмкин. Башинформ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республика Йортонда мәғлүмәт өлкәһендә граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы. Уны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәрҙе, элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров, профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашты. Айырыуса балаларҙың һәм уҡыусыларҙың хәүефһеҙлегенә иғтибар бүленде. Республика етәксеһе 1-2 февралдә Өфөлә Мәғариф форумы ойошторолоуын хәбәр итте. «Беҙ белем биреү өлкәһе торошон анализларға, тәү сиратта республикабыҙ мәктәптәрендә, һәм беҙ, хөкүмәт, муниципалитеттар мәғариф заманса булһын, иң мөһиме, балаларыбыҙ уңайлы шарттарҙа белем алһын өсөн нимә эшләй алыуыбыҙҙы аңларға теләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, төп бурыстарҙың береһе — балаларҙы агрессив мәғлүмәт донъяһынан ҡурсалау мәсьәләһе. Уны хәл итеү өсөн тейешле тәрбиәүи һәм консультатив эш кәрәк». Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Милана Скоробогатова республика балаларын мәғлүмәт хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү тураһында ентекле һөйләне. Ул балалар интернеттан файҙаланғанда ниндәй мәғлүмәти хәүефтәргә юлығыуын һанап үтте. Был, тәү сиратта, суицидаль контент. Хәҙерге балалар 2-6 йәштә интернетҡа күсә, көнөнө уртаса һигеҙ сәғәт шунда ултыра. «Балаларыбыҙҙы көндән-көн күбәйгән интернет хәүефтәренән тыйыу саралары менән һаҡлау мөмкин түгел, — тине Милана Скоробогатова. — Бәлиғ булмағандарҙың, уларҙың ата-әсәләренең һәм балалар менән эшләгән белгестәрҙең цифрлы белемен күтәреүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү саралары системаһын ойошторорға кәрәк. Бәлиғ булмағандар өсөн махсус позитив контент булдырыу зарур». Башҡортостандың мәғариф министры взифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин бөтә мәктәптәрҙә уҡыу процесына ҡағылышы булмаған негатив мәғлүмәтте үткәрмәү өсөн фильтрҙар ҡуйылғанлығы тураһында һөйләне. Александр Жаров был тәжрибәне «уникаль» тип билдәләне. 2018 йылдың ноябрендә Башҡортостанда Балаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү концепцияһы раҫланды. Бер нисә социаль әһәмиәтле сара үткәрелде лә инде. 280 меңдән ашыу бала интернетта хәүефһеҙлек дәресен тыңланы, 53 меңдән күберәк үҫмер цифрлы белем буйынса махсус квеста ҡатнашты. Мәғарифты үҫтереү институты 2-11 класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһын әҙерләне. Бынан тыш, республика Мәғариф мнистрлығы тәҡдиме менән 2018-2019 уҡыу йылында республика уҡытыусыларының 20% (ете меңгә яҡыны) интернетта балалар хәүефһеҙлеге программалары буйынса квалификация күтәреү курстарын үтергә тейеш. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юлдаш" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи , информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ 02-01372.
Башҡортостанда алдан тауыш биреү үтте Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:— Беҙгә алмашҡа йәштәр үҫә һәм улар араһында сәйәсәт менән шөғөлләнергә, ғәҙеллек өсөн көрәшергә теләүселәр ҙә байтаҡ. Был — бик яҡшы ниәт һәм мин шулай булырға тейеш тип һанайым. 3 июндә «Берҙәм Рәсәй» партияһы праймериз — төрлө кимәлдәге депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар эҙләү маҡсатында асыҡ алдан тауыш биреү уҙғарҙы. Баш-ҡортостанда 2018 йылдың көҙөндә үтәсәк Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡорол-тайға «Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителәсәк кандидаттарҙы асыҡланылар. Асыҡлыҡ һәм көнәркәшлек Алдан тауыш биреү йәки праймериз — кандидаттарҙы билдәләүгә булышлыҡ итеүсе һайлап алыу туры, тиергә мөмкин. Әлеге осраҡта республика парламентына кандидаттар тураһында һүҙ барҙы. Беҙҙең илдә праймеризды 2007 йылдан алып «Берҙәм Рәсәй» партияһы ғына уҙғара. Дөйөм алғанда, ул ғәҙәти һайлауҙарға оҡшаш, әммә сараның төп асылы рейтинг билдәләү булғанға күрә, һайлаусылар бер нисә кандидат өсөн тауыш бирергә мөмкин. Праймеризда, ниндәй фирҡәлә тороуына ҡарамай, һайлау хоҡуғына эйә һәр рәсәйле ҡатнаша ала. Был алдан тауыш биреү барышында асыҡлыҡ, көнәркәшлек һәм халыҡ менән власть араһында ышанысҡа ҡоролған мөнәсәбәтте тәьмин итә һәм халыҡ өсөн һөҙөмтәле эшләйәсәк лайыҡлы кандидаттар-ҙы асыҡларға мөмкинлек бирә. Быйыл Башҡортостан буйынса праймеризда 582 кандидат ҡатнашҡан. 55 һайлау округында урынлашҡан 662 участкала тауыш бирергә мөмкин булды. Төбәк ойоштороу комитетында белдереүҙәренсә, беҙҙең республикала праймеризда ҡатнашыу өсөн 660-тан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Теркәү, үҙ-үҙеңде тәҡдим итеү тәртибенә ярашлы, 2 апрелдән 15 майға тиклем барҙы. Ҡағиҙә буйынса һәр кандидат кәм тигәндә ике дебатта ҡатнашырға тейеш ине. Ҡайһы бер дәғүәселәр дебат- тарҙы үтмәне (бер генә дебатта ҡатнаштылар йәки бөтөнләй ҡатнашманылар), бәғзеләре документтар пакетын тулы килеш бирмәне. Һөҙөмтәлә бюллетенгә 582 кеше индерелде. Алдан тауыш биреүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, партияның төбәк бүлексәһе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың, БР Хөкүмәте вице-премьеры Николай Хорошиловтың һәм республика министр- ҙарының ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Электрон тауыш биреү Праймериз сиктәрендә махсус сайт (epg.er.ru) булдырылды, уның ярҙамында алдан тауыш биреүҙе ойоштороусы һәм уҙғарыусы төбәк комитеттары, кандидаттар, уларҙың эшмәкәрлеге, иҫәп участкалары адрестары тураһында мәғлүмәттәр алыу мөмкин булды. Тәүге тапҡыр электрон тауыш биреү алымы ҡулланылды. Праймеризда онлайн режимда ҡатнашыу өсөн 14 майҙан һуң epg.er.ru сайтының «Онлайн тауыш бирергә теләйем» бүлегендә ғариза ҡалдырырға кәрәк ине. Бының өсөн анкета тултырыу һәм верификация (шәхесте асыҡлау) үтеү зарур. Онлайн тауыш биреү — төрлө сәбәп арҡаһында теркәү урынынан ситтә булыусылар өсөн уңайлы алым. Кешеләр теркәү урынына барып тормайынса тауыш бирә алды. Был ысул менән теләге булған һәр һайлаусы ҡуллана алды. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың 14892 гражданы тап ошо рәүешле тауыш бирҙе. Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғизәтуллин билдәләүенсә, алдан тауыш биреү сайтында 22021 кеше теркәлеү үткән, шуларҙың 16597-һенең шәхесе раҫланып, праймеризда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған. Электрон тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре иҫәп участкалары протоколдарындағы күрһәткестәргә ҡушыла. Йәштәр, алға! Республикала алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың өстән бер өлөшөн 35 йәшкә тиклемге йәштәр тәшкил итте. Йәштәргә сәйәсәттә тәүге аҙымдарын яһауҙа ярҙам итеү маҡсатында праймериз сиктәрендә «СәйәсиСтартап» федераль партия проекты булдырылды. Уның төп маҡсаты — фирҡә рәттәрен йәш кадрҙар менән тулыландырыу. Бығаса бер ҡасан да сәйәсәт менән шөғөлләнмәгән йәштәр менән партияның төбәк бүлексәһе вәкилдәре һәм федераль эксперттар эшләне. Улар йәш кандидаттарға һайлау алды кампанияһы буйынса юл картаһын булдырыуҙа ярҙамлашты. Шулай уҡ «СәйәсиСтартап»та ҡатнашыусылар махсус белем биреү модулдәре буйынса уҡыуҙар үтте, былар барыһы ла уларға сәйәсәт өлкәһендә артабан эшләү өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Кадастр инженеры Илдар Камалетдинов — праймеризда ҡатнашыусыларҙың береһе. Йәш кеше үҙен республика парламентында депутат мандатына эйә булыуҙа, йәғни сәйәсәт майҙанында һынап ҡарамаҡсы. — Миңә иҡтисад өлкәһе яҡыныраҡ, — тип һөйләй Илдар. — Башҡарма власть органдарында, эре дәүләт учреждениеларында эшләнем, шуға күрә йәмғиәт һәм иҡтисад алдында торған бурыстар менән танышмын. Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә һәм яңы май Указдарында урын алған идеялар күңелемә яҡын. Был бурыстар-ҙы тормошҡа ашырыуҙа файҙалы эштәр башҡара алырмын, тип уйлайым. Алдан тауыш биреү Баш-ҡортостандың Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар һайлау мөмкинлеге бирә. Республиканың закондар сығарыу власы органына ябай халыҡтың хәстәрҙәрен белгән кандидаттар үтеүен кешеләр үҙҙәре хәл итә. Һөҙөмтәләр Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың әүҙемлеге 13,4 % тәшкил итте. 2016 йылда республика халҡы Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлағанда был күрһәткес 11,85 % бул-ғайны. Төбәгебеҙ халҡы ғәҙәттәгесә һайлауҙарға әүҙем йөрөй. Быйыл Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 11,14 % кимәлендә билдәләнде. Праймеризда иң күп тауыш йыйыусылар «Берҙәм Рәсәй» партияһы 9 сентябрҙә һайлауҙа ҡатнашыу өсөн тәҡдим итәсәк кандидаттар исемлегенә индереләсәк. Улар республика парламентында 110 мандат өсөн көрәш алып барасаҡ. Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары: — Республика халҡы үҙ һайлауын яһаны, йәғни Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан ҡатнашырға лайыҡлы тип һанаған кандидаттар өсөн тауыш бирҙе. Партияның төбәк башҡарма комитеты, урындағы бүлексәләре тарафынан алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Һөҙөмтәләрҙе тулыһынса барлағандан һуң берҙәм һайлау округы һәм бер мандатлы һайлау округтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеге партияның Генераль советы президиумы тарафынан раҫланырға тейеш. Был кандидаттар төбәк бүлексәһе конференцияһы тарафынан тәҡдим ителәсәк. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға «Берҙәм Рәсәй» партияһынан күрһәтелгән кандидаттар 223 кешенән артыҡ булмаясаҡ.
Малаяҙ ауылында былтыр көҙ аяныслы фажиғә булыуы, бер ирҙең һөйәркәһен үлтереүе хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне. Ошо көндәрҙә уға суд булған, кеше ғүмерен өҙөүсене ете йылға колонияға оҙатҡандар. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Хәлдең үҙенсәлектәренә килгәндә, былтыр 1 октябрҙә ир менән ҡатын кәйеф-сафа ҡорған, алкоголле эсемлектәр ҡулланған. Ир әйтеүенсә, бер ваҡыт ҡатын уға тиклем булған һөйәрҙәре менән маҡтана башлаған. Был икәү араһына бәхәс ҡупҡан. Ул арала ҡатын бысаҡ алған да һелтәнергә тотонған. Ир иһә тартып алырға маташҡан, шул саҡ уның ҡулы ҡырҡылған. Бынан оторо ярһып китеп, ҡатынға ташланған. Уның битенә йоҙроҡ менән тондорған, шунан бысаҡ алып ике тапҡыр арҡаһына сәнскән. Йығылған һөйәркәһен күтәрергә маташҡан, әммә уның йән биргәнен күргән... Артабан ир ҡатындың кәүҙәһен курткаға төрөп урманға алып киткән, унда күмеп ҡалдырған. Аҙағыраҡ уртаҡ таныштарын осратҡан. Тегеһе ирҙең һөйәркәһе тураһында һорай ҡуйған. “Эшкә сығып китте”, – тип яуаплаған енәйәтсе. Әммә эсеп алғас, уны үҙ ҡулдары менән үлтергәнен бәйән иткән. Танышы ышанмаған. Судта ир танышы уны һатыр тип ҡурҡыуын, шуға тиҙ арала Ҡырым яғына эшкә сығып китеүен бәйән иткән. Ысынлап та, үлтереүсене унан йөрөп ҡайтыу менән ҡулға алғандар, сөнки танышы барыбер полицияға хәбәр иткән. Енәйәтсе лайыҡлы язаһын аласаҡ. Фото: ИА «Башинформ» Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/y-rk-en-urmanda-k-mep-aldir-an-576216/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Федерацияһы Президентының “Дәүләт идараһы системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында” 2012 йылдың 7 майындағы 601-се Указына ярашлы, 2018 йылға дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәттәрен электрон формала алыу механизмын файҙаланыусы граждандарҙың һаны кәмендә 70 процентҡа етергә тейеш. Бөгөн граждандар РФ гражданы паспортын алмаштырыу, Рәсәй Федерацияһы эсендә килгән урында һәм йәшәгән урында иҫәпкә тороу, адрес-белешмә мәғлүмәттәре алыу, сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә Рәсәй Федерацияһында даими йәшәүгә хоҡуҡ документы биреү, сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә Рәсәй Федерацияһында ваҡытлыса йәшәп тороуға рөхсәт ҡағыҙы биреү, Рәсәй Федерацияһында миграция иҫәбен ғәмәлгә ашырыу, Рәсәй Федерацияһы граждандарының үҙ теләге менән дактилоскопия теркәүе үтеү мәсьәләләре буйынса Берҙәм дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәттәре порталы аша мөрәжәғәт итә ала. Дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәттәре порталында теркәлеү һәм электрон формала ғариза биреү бик ябай һәм күп кенә өҫтөнлөктәргә эйә. Ошо порталдан файҙаланып ҡарағыҙ һәм бының ни тиклем уңыйлы булыуын үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ. Һорауҙарығыҙ килеп тыуһа, РФ Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса миграция мәсьәләләре бүлегенә шылтыратығыҙ, телефон: 8 (34752) 2-14-12. Шулай уҡ быйыл 1 ғинуарҙан әлеге порталда дәүләт хеҙмәттәре өсөн пошлинаны 30 процент ташлама менән түләргә була. Ташлама алыу өсөн Берҙәм портал аша хеҙмәткә ғариза бирергә һәм дәүләт пошлинаһын ҡулсаҡсаһыҙ түләү ысулдарының береһен һайларға кәрәк: – банк картаһы (MasterCard, Visa, Мир); –электрон янсыҡ(QIWI, Webmoney, Яндекс. Деньги); – кеҫә телефоны (федераль операторҙар). Әгәр шарттар үтәлһә, һеҙ теләһә ниндәй дәүләт пошлинаһын ташлама менән түләй алаһығыҙ, мәҫәлән: – Рәсәй паспортын яңынан алған өсөн (әгәр юғалтҡан йә боҙған булһығыҙ) 1500 урынына 1050 һум; – сит ил паспорты алғанда 3500 һум түгел, ә 2450 һум. Дәүләт пошлиналарын ташлама менән 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем түләргә була – “РФ Һалым кодексының икенсе өлөшөнөң 25.3 бүлегенә үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль закондың (21.07.2014, № 221) 2-се статьяһының 3-сө пункты. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Пандемияға бәйле һаҡланыу саралары күп тармаҡтарҙың эшен ваҡытлыса туҡтатҡан хәлдә лә, республикала социаль объекттар ремонты, төҙөлөшө дауам итте. Әлеге көндә ҡалала Седов тыҡрығы 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан балалар поликлиникаһы филиалынын капиталь ремонтлау ҙа ошо эштәр рәтендә. Пандемияға бәйле һаҡланыу саралары күп тармаҡтарҙың эшен ваҡытлыса туҡтатҡан хәлдә лә, республикала социаль объекттар ремонты, төҙөлөшө дауам итте. Әлеге көндә ҡалала Седов тыҡрығы 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан балалар поликлиникаһы филиалынын капиталь ремонтлау ҙа ошо эштәр рәтендә. Әлбиттә, ремонт эштәрен дауам итеү подрядсы ойошмаларҙан өҫтәмә яуаплылыҡ, хәүефһеҙ эш шарттары тәьмин итеүгә иғтибарҙы бермә-бер арттырыуҙы талап итте. Быға тиклем бинала демонтаж эштәре башҡарылып, ҡыйыҡ, иҙән, инженер селтәрҙәре, тәҙрәләр, һәм ишектәр яңыртылғайны. Әйтергә кәрәк, дауаханала бөтә кабинеттарҙа үҙ тәғәйенләнешен элеккесә һаҡлап ҡала. Шул уҡ ваҡытта реконструкция сиктәрендә яңы кабинеттар – ультратауыш тикшереү, стоматология, әсә менән бала, уйын бүлмәләре барлыҡҡа киләсәк. Бер урында, уңайлы шарттарҙа алып булған медицина хеҙмәттәре артасаҡ, тимәк. Подрядсы ойошма дауахана территорияһында төҙөкләндерә – бында яңы асфальт түшәү һәм парковканы йыһазландырыу планлаштырылған. Ремонт барышында «Ҡулайлы мөхит» маҡсатлы программаһы талаптары үтәлешенә лә ҙур иғтибар бирелә. Ә был сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың поликлиника бинаһына бер ҡыйынлыҡһыҙ инә аласағын аңлата. - Балалар өсөн эшләгәнде аңлайбыҙ, бүлмәләр яҡты, йылы буласаҡ, - ти әлеге көндә фасадты йылытыу, бина эсендә санитар бүлмәләрҙә плитка һалыу, буяу-ағартыу эшен алып барыусы эшселәр. Тоҙ шахтаһын да тулыһынса яңыртыу ҡаралған. Уның стеналарын һәм түшәмен йөҙләү өсөн тоҙ плиткалары һатып алынасаҡ. Барлыҡ эштәрҙе октябрь айына тамамлау күҙаллана. Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Әбүбәкерҙә брендлы сара сиктәрендә, традицияға әүерелгән күңелле байрам ойошторолдо. Уйын-көлкө, сәмле ярыштарҙан ауыл гөрләп торҙо // Әбүбәкер ауылы күп функциялы клубы хеҙмәткәрҙәре ойошторған байрам программаһы күп төрлөлөгө менән айырылды. Быймаларҙа бейеү парадында олоһо ла, кесеһе лә күңел асты. Быйма аяҡ кейеме генә түгел, уны кейеп бейеп тә була, алыҫыраҡ ташлап ярышырға йәки мәргәнлекте һынап ҡарарға ла мөмкин. Байрамда “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы һәм Атингән ауылынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Уларҙы Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Н.С.Лебедева сәләмләне. “Сулпылар” баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, малайҙар һәм ҡыҙҙар, әйлән-бәйлән уйнаны, йомаҡтар систеләр, быйма тураһында таҡмаҡтар әйтеләр. Рамазан Назаровтың ҡарҙан эшләгән быймаһы байрам атрибуты булып торҙо. Байрамдың икенсе өлөшөндә Атингән һәм Әбүбәкер ауылдары ағинәйҙәре “Быймаларҙа бейеү” бәйгеһендә ҡатнашты. Унда һәр теләгән кеше үҙ размерынан күпкә ҙурыраҡ быймалар кейеп, дәртле көйҙәргә рәхәтләнеп бейеп ярышты. Бынан тыш, төрлө оҫталыҡ кластарында, уйын һәм халыҡ күңел асыу сараларында ҡатнашырға була ине. Байрамда ҡатнашыусылар өсөн таҫмалар, мәрйендәр һәм, хатта, ҡыңғырауҙар менән биҙәлгән быймаларҙа мода күрһәтеү иң ҡыҙығы булғандыр. Аҙаҡтан “Иң матур биҙәлгән быймалар” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр бүләкле булды. Әйткәндәй, байрам йылдан-йыл ҡыҙыҡлыраҡ була бара, унда төрлө йәштәгеләр ҡатнаша. Бындай саралар әбүбәкерҙәрҙең ижади мөмкинлектәре киң булыуы тураһында һөйләй. Абубакировский сельский многофункциональный клуб Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Яратҡан баҫмабыҙ ниндәй шәп нәмәләр менән шатландырыр икән, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ, уға күҙәтеү яһап алайыҡ. Ҡасан, ҡасан ғына килеп етер инде киләһе һан, тип көткәндәргә шәп яңылыҡ бар бөгөн – журналыбыҙҙың ҡарасай номеры, мейестә бешкән күмәстәй, бына-бына өйҙәрегеҙгә килеп етер! Яратҡан баҫмабыҙ ниндәй шәп нәмәләр менән шатландырыр икән, тиһегеҙме? Әйҙәгеҙ, уға күҙәтеү яһап алайыҡ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, үтеп киткән Республика көнө менән ҡотлап, журнал тышын бик һөйкөмлө ҡыҙ биҙәгән. Сорғот ҡалаһынан Әҙилә Назарова ул. Рухлы, һәләтле ҡыҙ һәм уның ғаиләһе тураһында журналдың 13-сө битендә уҡырһығыҙ. Журналыбыҙ был юлы һеҙҙән килгән күптин-күп, суҡтин суҡ сәләмдәр, ҡотлауҙар, шиғырҙар менән байытылды: Республика көнө, Ололар көнө, Уҡытыусы көнө... Эй, афарин да инде үҙегеҙ! Күптәрегеҙ үҙегеҙҙең ижад емештәрен “Аманат”тың биттәрендә күреп, шатланыр. Мәктәп, уҡыу, тиһәләр, күҙ алдына синыф бүлмәһе, синыфташтар, уҡытыусы килеп баҫа. Ә Америкала уҡыусылар нисек белем ала икән? Фильмдарҙа күреүебеҙсә, улар бер ҙә дәрес тип яфаланмай кеүек... Ярай, әлегә ошо хаҡта уйлаша тороғоҙ, ә беҙ һеҙгә оҙаҡ йылдар АҠШ-та йәшәгән апай Фәниҙә Исхаҡованың “Америкала үҫмерҙәр тормошо” тигән бик ҡыҙыҡлы мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ. Ифрат ҡыҙыҡ ул сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең тормошо менән танышыу! Балалар, арабыҙҙа Кушнарен, Өфө, Благовещен, Благовар райондарынан уҡыусылар бармы? Барҙыр инде. Ә һеҙ үҙегеҙҙең боронғо Ҡаршын ырыуы вәкилдәре икәнлеген беләһегеҙме? Әйткәндәй, ҡаршындар күрше Татарстандың Балыҡ Биҫтәһе районында ла йәшәй. Яугир рухлы башҡорт ырыуы хаҡында беҙгә тарихсы Азат Юлан бәйән итә. Ә хикәйә һуң? Был юлы ниндәй шәп әҫәр уҡырбыҙ икән, тип көткәндәр өсөн дә шәп яңылыҡ – журналыбыҙҙың был рубрикаһын Белорет районы Инйәр мәктәбе уҡытыусыһы Әлиә Саматованың “Бөркөт” тип аталған хикәйәһе нурланы. Егет кеше аҡыллы булырға тейешме, әллә беләк көсө унда күберәк булһынмы? Һай, был һорауға ҡапыл ғына яуап табырмын тимә, төрлө хәлдәр булып тора бит. Өфө ҡалаһынан Асҡар Булатов, беҙгә атаһы һөйләгән хикәйәттәргә таянып, үҙенең фекерен яҙып ебәргән. Егеттәргә был бит оҡшар, тигән өмөттә ҡалабыҙ. “Һеҙҙең ауылда ҡыҙҙар һуғышамы? Ә бына беҙҙекеләр, һуғыша-а-а...” тип башлап ебәргән хатын Нурсилә исемле ҡыҙ. Ысынлап та, нескә күңелле гүзәл зат тип йөрөткән ҡыҙҙар, ни өсөн үҙҙәренең бәҫен төшөрөп, был көнгә төшә икән ул? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Постерҙы биҙәгән ағайҙы таныусылар ҙа булыр, моғайын. Күптән бәрхәт тауышы менән башҡорт эстрадаһын яулап алған йырсы бит ул. Һүҙ Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин тураһында. Уның менән әңгәмәне беҙҙең даими авторыбыҙ Рифат Йәмле Хан тәҡдим итә. Беренсе һанлы уҡытыусылар - башҡорттарҙан беренсе СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова менән шулай уҡ халҡыбыҙҙан беренсе булып Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булған Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина тураһында Зөбәржәт Яҡупова апайығыҙҙың мәҡәләһенән уҡып, белерһегеҙ. Бер заман беҙҙең мөхәрриәткә оҙон итеп яҙылған хат килеп төштө. Егет кеше яҙған... Тәүге юлына “Мәңгелек сер”гә” тип яҙған да, “Яңғыҙ ҡайынға исемдәрҙе уйып яҙмағыҙ!” тигән иҫкәртеү һүҙҙәре менән башлап ебәргән ул хатын. Был тарихтың тәүге өлөшө менән һеҙ беҙҙең серле рубрикабыҙҙа танышырһығыҙ. Аҙағын иһә Ҡырпағай һанында уҡып бөтөп ҡуйырһығыҙ. Йырсы Илнур Миһмановты беләһеҙҙер, моғайын. Ул да беҙҙең “Мажаралы бала саҡ” конкурсына үҙенең бәләкәй саҡта бәпәй һатып алырға тырышып йөрөгәне тураһында бәйән итте. Ҡусты, йәки һеңле кәрәк булғандыр инде уға. Балалар, һеҙ үҙегеҙҙе Интернет ҡоло тип иҫәпләмәйһегеҙме? Юҡтыр, тип ышанабыҙ. Рәзил ағайығыҙ Бикбулатов әҙерләгән мәҡәлә ололарға ла, кеселәргә лә фәһемле мәғлүмәт булыр, тип уйлайбыҙ. Был һорау егеттәргә булыр: нисек уйлайһығыҙ, һеҙҙең үпкәгеҙ үҙегеҙгә үпкәләмәйме икән? Йәғни, ололар һымаҡ булайым тип, тәмәке тартып, тын алыу ағзаһын сиргә дусар итмәйһегеҙме? Медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш пульмонологы Лилиә Козырева никотиндың ниндәй үпкә сирҙәренә алып килеүе тураһында аңлатып яҙған беҙгә. Бынау тажвирус ҡоторған мәлдә, исмаһам, тәмәкенән йыраҡ тороғоҙсо, дуҫтар! Дуҫтар! Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: журналыбыҙға 2021 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу хаҡы – 370 һум да 08 тин. Индексы – П2706. Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр – хаҡы 668 һум 08 тин була (ә ярты йыллыҡтарға айырым-айырым яҙылғанда 740 һум 16 тин булыр ине). Тулы йылға яҙылыу индексы – П3396. Шулай уҡ почтаға барып яҙылырға йыбанғандар интернет аша ла ошо адрес буйынса яҙыла ала: podpiska.pochta.ru/press/П2706. rbsmi.ru сайты аша журналдың электрон вариантына ла яҙылып була. Ҡиммәтле бүләктәр: велосипед, смартфон, мобиль аккумулятор, монопод, һауыт-һаба йыйылмаһы, “Улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана) һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре һеҙҙе көтә! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Ҡойҡа — элек-электән барыбыҙға ла таныш холодец була ул. Ҡойға, беҙҙеңсә дерелдәүектән башҡа Яңы йыл өҫтәлен күҙ алдына ла килтереп булмай. Уны әҙерләү өсөн малдың баш-тояҡ итен алалар. 1 килограмм иткә 2 литр һалҡын һыу иҫәбенән барыһын бергә кәстрүлгә һалып, әкрен генә ҡайнаталар. Өҫтөндәге күбеген һәм майын йыя-йыя, 6-8 сәғәт бешерәләр. Бешеп етәрәк һурпаға эре итеп турап ҡыҙҙырылған һуған менән кишер, лавр япрағы һалалар. Ит бешеп сыҡҡас, йәғни һөйәктәренән айырыла башлағас, уны кәстрүлдән алалар, ә аш һурпаһын ваҡ тишекле сүмес аша һөҙәләр. Итте һөйәктән айырып, ваҡ ҡына турайҙар ҙа, яңынан һурпаға һалып, тоҙ, борос өҫтәйҙәр һәм тағын 45 минут ҡайнаталар. Әгәр һурпа шыйығыраҡ булһа, һалҡын һыуҙа ебетелгән желатин һалып, ҡайнатып алалар. Әҙер итле һурпаны яҡшылап бутағас, махсус һауыттарға һалып, һалҡын урынға йәиһә һыуытҡысҡа ҡуялар. Һауыттарға бүлгәнсе, ваҡ ҡына туралған һарымһаҡ өҫтәһәң, был ризыҡ тәмлерәк була. Табынға сығарғанда дерелдәүек янына керән йәки горчица ҡуялар. kiziltan.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Америка Юстиция министрлығы Covid-19 вирусын уйлап табыусыны ҡулға алыу тураһында рәсми ғариза менән сығыш яһаны. WCVB телеканалы Гарвард университетының химия һәм биология бүлеге башлығы, доктор Чарльз Либер (АКШ) Ҡытай Халыҡ Республикаһына коронавирустың яңы төрөн тапшыра алған, тип белдергән Америка чиновниктары сығышын трансляциялаған. АҠШ Юстиция министрлығында нәҡ уның Covid-19-ны өйрәнеү буйынса Ухань университеты менән бәйләнештә булыуын асыҡлаған. Ғалимды Гарвардта (АҠШ) кабинетында уҡ ҡулға алалар. Америка хакимиәттәре яңы төр коронавирус инфекцияһы барлыҡҡа килеү һәм таралыу тураһындағы эш буйынса тикшереү башланыуы хаҡында иғлан итте. Башланғыс мәғлүмәттәргә ҡарағанда, доктор Чарльз Либер коронавирус буйынса үҙенең фәнни хеҙмәттәре өсөн, дөйөм алғанда, 1 йыл эшләү дәүерендә, 1,5 миллион доллар аҡса алған. Ғалим АҠШ-тың Дәүләт сәләмәтлек институты, Гарвард, Бостон университеттары гранттарына эйә булған. Әммә хоҡуҡ һаҡсыларының иғтибарын Либерҙың Ҡытайҙан даими аҡса транштары алыуы йәлеп иткән. Фото: news.sarbc.ru kiziltan.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Радий Хәбиров «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә үҙенең ауыл мәктәптәрендә стоматология кабинеттарын асыу буйынса йөкләмәһен тиҙләтергә ҡушты. Бөгөн 61 объекттан 13 стоматология кабинеты ғына уҡыусыларҙы ҡабул итә башланы. Бөгөн 61 объекттан 13 стоматология кабинеты ғына уҡыусыларҙы ҡабул итә башланы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, тағы 15 кабинеттың махсус лицензияһы бар, һигеҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарала. «Ошо мәктәптәрҙә теш табибы кабинеттары асыу өсөн һеҙгә 1 мартҡа тиклем ваҡыт бирәм», — тине республика етәксеһе. «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү эше Башҡортостан башлығы тәҡдим иткән «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә башланды. Ошо проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыла. Уҡыусылар һаны аҙыраҡ булған мәктәптәр теш табибына поликлиникаға бара. http://www.bashinform.ru/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Борай 2-се гимназияһында интеллектуаль олимпиаданың муниципаль этабы үтте. Унда өс команда ҡатнашты.Өс тур һөҙөмтәләре буйынса 2-се гимназия командаһы — I дәрәжә, 1-се мәктәп командаһы — II , 3-сө мәктәп командаһы III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Еңеүсе команда иртәгә Өфөлә уҙасаҡ төбәк этапта ҡатнаша. Борай 2-се гимназияһында интеллектуаль олимпиаданың муниципаль этабы үтте. Унда өс команда ҡатнашты.Өс тур һөҙөмтәләре буйынса 2-се гимназия командаһы — I дәрәжә, 1-се мәктәп командаһы — II , 3-сө мәктәп командаһы III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Еңеүсе команда иртәгә Өфөлә уҙасаҡ төбәк этапта ҡатнаша. Гөлназ Мирхәйҙәрова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
"Әсәләргә бәхет өләшеү, яңы кеше тыуыу һөйөнөсө артабан дәртләнеп эшләргә дәрт-көс бирә", – ти Ирина. Иң яҡшы акушерка ҡайҙа эшләй? Өфөләге Профсоюздар йортонда “2022 йылдың иң яҡшы акушеркаһы” республика конкурсында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре Ирина Кукушкина иң яҡшыһы тип табылды. – Мин, төп эшемдән тыш, медицина колледжында уҡытам. Шуға күрә конкурсҡа әҙерләнеү ауырлыҡ тыуҙырманы, теоретик һәм практик өлөшө яҡшы таныш. Эшемде бик яратам, яңы бер ғүмер тыуыуында ҡатнашыу күңелдә әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ тыуҙыра. Әсәләргә бәхет өләшеү һөйөнөсө артабан дәртләнеп эшләргә дәрт-көс бирә, – ти Ирина. Быйыл конкурста 1516 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты, шуларҙың 31-е ярымфиналға сыҡты. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе, йөклө ҡатындарҙы һәм яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау күнекмәләрен дә индереп, биш номинация буйынса баһаланылар. Конкурста икенсе урынды Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто акушеркаһы Наталья Степанова, Туймазы үҙәк район дауаханаһынан Александра Табишева яуланы. Өсөнсө урынды Өфө ҡалаһының акушеркалары Әлфирә Сәлимгәрәева, Резида Бикбулатова һәм Күмертау ҡала дауаханаһы хеҙмәткәре Ильда Тешебаева уртаҡлашты. Фото:Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы. Автор:Дина Арсланова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Үҙем өсөн йәшәгем килгәнгә ирем минән айырылмаҡсы... Ошондай хәлдә ҡалырмын тип ғүмерҙә уйламағайным. Тик тормош тигәнең... Үҙем өсөн йәшәгем килгәнгә ирем минән айырылмаҡсы... Ошондай хәлдә ҡалырмын тип ғүмерҙә уйламағайным. Тик тормош тигәнең... Илфат менән яратышып өйләнештек. Бик матур итеп дуҫлашып йөрөнөк, мин уны армиянан көтөп алдым. Институттың һуңғы курстарында сәстәрҙе сәскә бәйләнек. Икебеҙ ҙә бәхеттең етенсе ҡатында кеүек инек. Йәш белгестәр булып дәртләнешеп эшкә төшкән генә саҡта мин ауырға ҡалдым. Был яңылыҡ икебеҙҙе лә ныҡ шатландырҙы. Ата-әсәләр ҙә ҡыуанды. Улар беҙгә, ана-ана бәләкәй сабыйы булырға торған йәш ғаиләгә, фатир алып биреште. Шөкөр, минең ата-әсәйем дә, Илфаттыҡы ла әле йәштәр, атайҙар Себерҙә эшләй. Пенсияға тиклем йыраҡ. Шуға уларҙың ярҙам итеү мөмкинлеге бар ине. Малайыбыҙ тыуыр алдынан яңы иркен фатирға күстек. Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә ине лә бит. Бәпес тыуыу менән проблемалар башланды. Ул пневмония менән сирләп тыуҙы. Шунда уҡ айырып алып реанимацияға һалып ҡуйҙылар. Сабыйымды күреп туйып та өлгөрмәй ҡалдым. Ҡайғырыуымдан һөтөм төшмәне. Бер ай самаһы дауахана тупһаһын тапай торғас, улыбыҙҙы сығарҙылар. Һәм башланды “күңелле тормош”. Бәпес ныҡ илаҡ булды. Төндәрен бөтөнләй йоҡламай ине. Һөтөм дә булмағас, төнө буйы смесь әҙерләп хәл бөттө. Күп тә үтмәй эсе ауырта башланы. Уныһы үткәйне теше сығып илауҙар. Ҡыҫҡаһы көн дә, төн дә йоҡо булманы. Илфат эшләгәс, уны йәлләп уятмаҫҡа тырыштым. Үҙем таңға тиклем бәпесте ҡулда бәүетеп ултырҙым. Көндөҙ ҙә йоҡо юҡ, ашарға бешерергә, өй йыйыштырырға кәрәк. Неврология йәһәтенән проблемалары булған сабыйыбыҙ көндөҙ ҙә йоҡламай ине шул. Мин ябыҡтым, йонсоном, йәмһеҙләндем. “Тормоштоң бер шатлығы ҡалманы” тигән кеүек хистәр кисерә башланым. Әле бының бала тыуғандан һуңғы депрессия булғанлығын аңланым, әлбиттә. Ә ул саҡта миңә бик ауыр ине, йыш кәйефем булмай, илай торғайным. Балаға өс йәш тула башлағас уны балалар баҡсаһына алып барҙыҡ. Инде тыныс һулап эшкә сығырға ғына йөрөгәндә башланды бөтмәҫ-төкәнмәҫ сирҙәр. Йә һыуыҡ тейә, йә эсе китә. Тәүге ярты йыл эсендә дүрт тапҡыр дауаханала ятып сыҡҡас, баҡсаға бармай торорға ҡарар иттек. Минең өйҙә балаға бәйләнеп бикле ултырыуым дауам итте. Был хәл биш йәше тулғансы дауам итте. Биш йәш тулғас, бер ни тиклем рәхәтлек килде. Ул ныҡлап балалар баҡсаһына өйрәнде, сирләүҙәре һирәгәйҙе. Үҙаллыраҡ булып китте. Мин ниһайәт эшкә сыҡтым, матур кейемдәр алдым. Кеше араһында йөрөгәс, кәйеф тә күтәрелде, үҙемде лә ҡарай башланым. Һәм көтмәгәндә яңы проблемаға тарыныҡ. Ирем икенсе бала һорай башланы. Дөрөҫөрәге ул мин бала табыу йортонан сығыу менән икенсе бала кәрәк тип хәбәр башлағайны. Ул саҡта миндә бөтөнләй башҡа ҡайғы булғас, тынып торғайны. Хәҙер йәнә үҙенекенә тотондо. Имеш ул бер үҙе үҫкән, күңелһеҙ булған, уға кәмендә өс бала кәрәк. Ә минең турала уйлап та бирмәй. Ҡасандыр үҙем дә ҙур ғаилә тураһында хыяллана инем. Тик улым менән үткән ауырлыҡтарҙан һуң быларҙың береһе лә кәрәкмәй. Саҡ үҙемде кеше итеп тоя башлағайным ғына, ул мине йәнә өйгә бикләргә һәм яңынан ошо ауырлыҡтар аша үтергә дусар итә. Тәүҙә һуңғараҡ тип әйтә килә инем. Бер көндө ирем менән ныҡлап һөйләшергә булдым һәм башҡаса бала тапмаҫҡа теләүемде әйттем. Китте ғауға. – Һин эгоист, үҙемде генә уйлайһың, – тине ул. Йоҡоһоҙ үткәргән төндәрем, һәр сире өсөн дауаханаға ятыуҙар, ашалған нервы уның өсөн бер ни түгел. Бәлки, үҙем дә ғәйеплелер, бала ҡарау хәстәрен уның менән бер иш тартһаҡ, аңлар ине. Ә мин “барыбер өйҙә ултырам” тип уны, эшләгән кешене, йәлләгән булдым. Әҙер балаға мин дә риза ла бит, тик ҡайҙан алырға уны? Илфат шул һөйләшеүҙән һуң бер аҙна минең менән һөйләшмәне һәм кисә килеп ҡарарын белдерҙе. – Әгәр бала тапмайһың икән, мин айырылам. Бындай теләге булған йәш ҡыҙҙар тулып ята. Ә һин йөрө эшеңә матур күлдәктәреңде кейеп. Уйланырға бер аҙна ваҡыт, – тине ул. Иҫем китеп ултырам. Ни эшләргә һуң? Иремде яратам, тик үҙем тураһында ла уйлайым. Ул миңә шундай шарт ҡуя икән, мөхәббәт тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкинме ни? Беҙгә әле утыҙ йәш тә тулмаған. Бәлки аҙағыраҡ үҙем дә сабый тураһында хыялланыр инем, тик уға бөгөндән кәрәк. Кәңәштәр көтөп ҡалам, ярҙам итегеҙ. (Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың хатынан). Альфия Мингалиева Фото: интернет https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bala-tapma-a--k-r-ge-yu-131571/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
22 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡтағы идаралығында (Ленин проспекты, 7-се йорт) Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының үҙ хәүефһеҙлек оператив-эҙәрлекләү бүлеге начальнигы, подполковник Сергей Викторович САЧЕНКОВ граждандарҙы ҡабул итә. Бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 5-кә тиклем 8 (3473) 20-45-82 телефоны аша алдан яҙылырға кәрәк. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Өйҙә алама яулыҡлы әбейем, ике “бетле башым” – ҡыҙҙарым, тағы ла маңҡаларын биттәренә шыялап һөртөп йөрөгән ике улым бар... "Упҡынға өс аҙым" Хикәйә Спартак Ильясов. Ҡыш менән яҙҙың айҡалаша башлаған осоро ине. Хужалыҡ идаралығына, ғәҙәттәгесә, иртәнге етелә килеп, колхозға берләштерелгән ауылдарҙың бригадаларына шылтыратып хәл-әхүәлде белергә тип рация трубкаһын ҡулыма алыуға, “ах” та “ух” итеп, үҙәк бригада етәксеһе Ғазир ағай Мөхәмәтйәров һәм йылҡы көтөүсеһе Ғәрифулла ағай килеп инде. Инделәр ҙә, иҫәнлек-һаулыҡ та һорашып тормайынса, йылҡы көтөүсеһе хәбәр һалды. “Көтөүгә бүре өйөрө һөжүм итте!» Күренеп тора: ул бик ярһыған. Ҡулынан сискән бейәләйен йомарлай ҙа йомарлай. Уны ҡурҡыу ҙа солғап алған кеүек. – Иптәш председатель, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан бригадирға сабып килдем... Таңға яҡын ғына көтөүҙе урап йөрөп сыҡҡайным. Тыныс ҡына тибенәләр ине. Будкаға инеп ятҡас, әҙерәк ойоп киткәнмен. Таң алдынан өйөр айғырының кешнәүен һәм бейәләрҙең шаулашҡанын, дабыр ҙа добор булғанын ишетеп, будканан сығыуым булды, күрәм: алдымдан ғына дүрт бүре бер байталды баҫтыра. Ниәттәре – байталды ҡамалап, уның тамағына, елененә йәбешеү... Тиҙ генә будкала яһаулы килеш эленеп торған мылтығымды алып, алыҫлашып уҡ өлгөргән бүреләрҙең артынан атып ҡалдым. Аръяғын белмәйем – нимә булғандыр. Малды урап, тиҙ генә ҡарап киләйем тиһәм, санаға бәйләп ҡуйған менге атым да, теҙгенен өҙә тартып, ысҡынып ҡасҡан. Тирә-яҡ тып-тыныс кеүек... – Ҡыңғырау тауышы ишетелмәйме ни? – Юҡ. Ситтә мал өйөрөлгән кеүек күренгәс, ҡулға мылтыҡты алып, көтөүҙе йәйәүләп урап сыҡтым. Йылҡылар арыраҡ, тығыҙ булып, бер өйөргә тупланған. Йәш тай-тулаҡ өйөр уртаһында. Ололар, баштарын эскә ҡуйып, арттары менән бүреләрҙе ҡаршы алырға торған. Өйөр айғыры, көтөү тирәләй йөрөп, алғы аяҡтары менән ҡар аралаш ер тибеп, арлы-бирле өйрөлә. Мин ҡысҡырам, һыҙғырам. Яҡтыра биргәс, менге атымды нәселә тотоп, тирә-яҡты ҡарап сығырға булдым. Өйөрҙән йыраҡ та түгел өйкөм таллыҡ бар. Шуның янында нимәләрҙеңдер леберҙәп, арлы-бирле йөрөгәндәрен төҫмөрләнем. – Әле ҡараңғымы? – Эйе, әле ҡараңғы. Яйыҡ буйының туғайын таңғы һалҡынлыҡтың томаны баҫҡан. Оҙаҡ ҡына арлы-бирле йөрөгән йән эйәләрен ҡарап торҙом. Көнсығыштан офоҡҡа төшкән яҡтылыҡ аҡ ҡар өҫтөн ярайһы уҡ яҡтырта башланы. Ә мин атым өҫтөндә, теге леберҙәгән нәмәләр тайҙар икән тип уйлап, шуларға туп-тура барам. Бара биргәс, атым ҡолаҡтарын ҡайсылап, ҡуршылдап, тып туҡтаны. Өҙәңгеләрем менән тибенгеһенә төрткөсләп тә ҡарайым, китмәй был. Өйрөлөшөп, арлы-бирле йөрөгән йән эйәләре ҡапыл таралышып, миңә килә биреп теҙелешеп, ҡаршы торҙолар. Хәҙер инде уларҙы иҫәпләп тә була. Алтау. Бүреләр бит был! Тән эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тире өҫтө быжырмаҡланып, йөндәре текә торҙо. Һис ҡуҙғалмай былар. Тик торалар. Араларынан береһе, әллә өйөрҙөң башы – ата бүре, әллә инәһе, алға сығыңҡырай биреп, миңә тешен ыржайтып, уларҙы саҡ та соҡ итеп һуғып ала. Ҡаршылашып, бер-беребеҙҙе ҡурҡытып ҡыуырға байтаҡ сәбәләндек, ахыры. Ат та тик тормай, ҡуршылдай, сығынлай, ауыҙлығын теше менән талай, ҡолаҡтарын ҡайсылай, үҙе башын бороп, бүреләрҙән күҙен алмай. Арҡала мылтыҡ барлығын иҫләп, уны алып, тәтеләрен асып, тегеләргә төбәп саҡтырһам да, ут бирмәне. Бүреләр яғына тоҫҡап, тағы ла саҡтырам. Мылтыҡ һаман ут бирмәй. Шунда ғына төшөндөм: яһауҙар будкала элеүле ҡалған. Бүреләр урындарынан ҡуҙғалмай ҙа. Икәү-өсәүһе хатта теп-текә булып ултырҙылар. Уларҙың артында, таллыҡ янында, нимәлер ҙур булып ҡарайып ята. Хәҙер ул төҫмөрләнгән кеүек. “Баҫтырып алып киткән байталды шунда килтереп йыҡтылармы икән ни” тигән уй баштан “жыу!” итеп үтеп китте. – Ә әле яҡтырмаймы, ағай? – Юҡ. Тоноҡ ҡына томан аша ай ҡалҡты. Бүреләрҙең холоҡтары былай булыуын ишеткәнем юҡ ине. Ниндәй генә шарт булғанда ла, улар кешенән һиҫкәнергә тейеш тә бит... Гөрөшкән аттың башын тота алмай, уны ихтыярға ҡуйып, будкаға саптым. Кергәндә күҙ һалам: бүреләр ултырған урындарында юҡ. Улар өйкөм тал төбөндә ҡыбырлашалар кеүек. Күрәһең, улар байталды өҙгөсләп, рәхәтләнеп тамаҡ туйҙыра. – Ғәрифулла ағайҙың бүреләрҙең ҡурҡмай, хатта көтөүсегә ҡара-ҡаршы теҙелешеп ултырыуҙарын һөйләүе, өйөр юлбашсыһының тешен ыржайтып, хатта уларҙы бер-береһенә саҡ та соҡ итеп һуғып алыуы, уларҙың хәҙерге ваҡыттағы эске теләк торошона, рухи кисерештәре ни тиклем көслө булыуына ишара. – Шунда ғына мин уларҙың был батырлығына төшөндөм. Шик юҡ. Өйөрҙә йәше нәҡ тә тороғоу осоро (ҡасыу, бүреләрҙә февраль айында) еткән урта йәштәрҙәге инә бүре бар. Уға ситтән көслө ата бүре килеп ингән. Әле өйөрҙә ата-инәһенән һаман да айырыла алмай эйәреп йөрөгән былтырғы өс көсөк бар. Һәм өйөрҙә яңы кергән атаны ҡыуып ебәрергә көсө етмәгән ҡарт оло ата бүре йәшәй. Ул эйәреп йөрөгән өс йәш бүренең атаһы булырға тейеш. Килмешәк ата бүрене инә бүре ҡыумай, сөнки ул көслө. Бүре өйөрөндә ҡағиҙә шундай. Уларҙа әхлаҡ юҡ. Кем көслө – шул хужа. Яңы килгән көслө килмешәк кәнтәй янына төп атаны яҡын ебәрмәй. Кәнтәй артынан ул үҙе төшөп алған. Ике ата үҙ-ара үлемесле һуғышып китһәләр ҙә, өс йәш бүре, уларҙың инәләре лә, һуғышҡандар араһына кереп, үҙ аталарын яҡлашмай – ҡанунға ҡаршы барып булмай. Бүре араһында йәшәһәң, бүре булһаң да, бүресә олой белмәһәң, йәшәй алмайһың. Ҡартайып, йә теше һынған, йә ғәрип ата бүре, оя табып та, ғаилә ҡороп, кәнтәй менән йәшәй алмай. Кәнтәй уны ҡыуа, янына ебәрмәй. Сөнки ҡарт бүренең төп ҡоралы – ҡаҙау тештәре юҡ. Хәҙер яҙ килә. Бүреләрҙең нәҡ тә өйкөмләшкән осоро. Теше төшкән йә һынған ҡарт бүрене табыштарына – емтеккә лә ебәрмәйҙәр. Ул йә баш, йә тояҡ тирәһен генә тартҡыслай. Ит булған ҙур кәүҙәгә ул башҡалар ашап туйғас ҡына килә ала. Теше булмағас, дошманын йырта йәки тишә тешләй алмай. Уның тешләгән урыны артыҡ ауыртмай ҙа, һыҙламай ҙа. Ғөмүмән, төп ҡоралы булмағас, унан ҡурҡмайҙар. Тора-бара уны, артыҡ тамаҡты, өйөрҙән ҡыуалар. Ул, үҙен үҙе яҡлай алмай, өйөрҙән китергә мәжбүр була. Шулаймы, ҡустым, шулаймы уларҙың тормошо? – тип, Ғәрифулла ағай бүреләрҙең ғаилә тормошон һөйләүҙән туҡтаны. Бөтәбеҙ ҙә тын ҡалдыҡ. – Минең, иптәш председатель, иң ҡурҡҡаным бүре өйөрө түгел... Малды мин фермаға килтерҙем. Хәҙер мин бүре йыҡҡан байталдың хаҡын өҫтөмә ташларҙар, тип бошонам. Өйҙә алама яулыҡлы әбейем, ике “бетле башым” – ҡыҙҙарым, тағы ла маңҡаларын биттәренә шыялап һөртөп йөрөгән ике улым бар... Шаярып һөйләй ҙә белә икән Ғәрифулла ағай, тип ултырам. Ул туҡтап ҡалды. Февраль айының ыҙғыр әсе елле таңы ла, Ғәрифулла ағайҙың бындай төндә япа-яңғыҙ ҡырҙа бүреләр менән күҙгә-күҙ ҡарашып, бер-береһенең мөмкинлеген һынап тороуҙары ла, дүрт балаһының өйҙә, баштарын тырнай-тырнай йә танауҙарын соҡоп, мыш-мыш йоҡлап ятыуҙарын күҙ алдыма килтереп, урынымдан торҙом. Тынысландырырға, ҡурҡыу тойғоһон йомшартырға теләп, уның ҡулбашынан ҡаға-ҡаға: “Артыҡ ҡайғырма, Ғәрифулла ағай. Иң мөһиме – үҙең иҫән-һау, көтөүең дә иҫән-аман. Фермаға ҡыуып килтереп яптым, тинең бит. Ә бер баш байталды “списать” итергә идаралыҡ ултырышына ғариза яҙ. Ҡарарбыҙ. Колхозға бер баш ҙур зыян түгел. Бүре өйөрөнөң нәҡ тә шул сәғәттә көтөүгә һөжүм итерен кем белһен инде, тигәс, ул ҡыуанысынан сыйылдап, танауынан һыу ағыҙып, илап ебәрҙе хатта. Ғазир ағай менән беҙ уны тынысландырҙыҡ. Ул, яңынан терелгәндәй булып, ҡапыл башын күтәрҙе лә: – Былай булғас, иптәш председатель, мин бөгөн сменаны сдавать итмәйем. Тағы ла сменаға китәм... Йылҡылар янында төнө буйы бейеп йөрөп сығам, өшөмәҫ өсөн. Әммә бер бүрене лә малға яҡын ебәрмәйем, – тип, сығыуға йүнәлде. Мин уны шунда уҡ туҡтаттым. Бүре йыҡҡан байталдың ҡалдығы ҡайҙа ятыуын һорағас, ул: – Әнә, Яйыҡ аръяғында, Батшалыҡ түбәһенең артында, – тине. Бригадирға, малдарҙың яраланғандармы-юҡмы икәнен белер өсөн, ветеринар-табип менән бергәләп ҡарап сығырға ҡуштым. Үҙем көндәлек эш менән мәшғүл булдым. Районға һунарсылар ойошмаһына шылтыраттым. Хәл-әхүәлде ауыл хужалығы идаралығына ла һөйләнем. Ғазир ағайға көтөүҙе бөгөн төнгөлөкә тибенгә сығармаҫҡа, бесән, һалам, һәр йылҡыға өсәр килограмм һоло ашатырға, яларға таш тоҙ бирергә ҡуштым. Сөнки ҡыш үтеп бара, ә йылҡы тоҙ күргәне юҡ. Боронғо ҡартатайҙарҙың алымы буйынса, ҡыш тибендә йылҡыға тоҙ бирмәйҙәр. Сөнки улар оҙаҡ тоҙ күрмәгәс, күп итеп ялай, кимерәләр. Унан һуң күп итеп боҙло ҡар ашайҙар. Боҙло ҡарҙы ашаған быуаҙ бейә ҡолон һала. Тоҙ һалырға үҙем ҡуштым да, үҙем үкенеп ултырам. Ниһайәт, зоотехникты саҡырып, үҙ бойороғомдо үҙем үтәмәҫкә ҡуштым. Ул сығып киткәс, күңелгә еңел булып ҡалды. Көндәлек эш – бөтмәҫ сылбыр... Бер-береһенә ялғанып бара. Әммә Ғәрифулла ағайҙың бүреләр менән ҡара-ҡаршы тороуы, төнгө мажараһы һис күңелдән китмәй ҙә ҡуя. Быныһы бер булһа, икенсеһе – минең ер-һыу атамаларына иғтибарлы булыуым. Батшалыҡ түбәһе – Яйыҡ боролошо, тип һөйләне бит Ғәрифулла ағай. Ә Яйыҡтың боролошо аҫтындағы текә яры иҫемдә. Утығып үҫкән ерем, ата-әсәмдең ауылы әле эшләгән хужалыҡтан 70-75 саҡрым алыҫ булһа ла, Батшалыҡ түбәһенең исеме үҫмер осоромда уҡ хәтеремә һеңеп ҡалған. Бында килгәс, һирәкләп булһа ла, ер-һыу исеменең ҡабатланып килеп сығыуы ла мине аптырата бирҙе. Аҙаҡ, яйлап, уның ниңә шулай булыуын да төшөндөм. Беҙ үҫкәндә бабайҙар ҡунаҡ булғанда әбейҙәр айырым ҡор булып ултыра торғандар ине. Бабайҙар ҡорона беҙ, малайҙар ҙа, яҡын йөрөнөк. Шундай табындарҙа йыш ҡына Барын-Табын ырыуының ер сиктәре, Айшан менән Тайшандың әллә ағаһы, әллә ҡустыһы Йомагилденең ҡышлау йорто ике ерҙә булған... Береһе – Яйыҡтың боролған ерендә, һул ярында, Мышағыр тауының ҡаршыһында, ә икенсеһе – Батшалыҡ түбәһендә, тип һөйләйҙәр ине. Ә Йомагилденең йәйләүе төп Урал һыртының “Айынташ” армытында, “Хөкөмташ” туғайында ултырған. Беҙгә, үҫеп килгән йәш-елкенсәккә, Яйыҡ йылғаһы ла, Батшалыҡ түбәһе лә, Айынташ армыты ла әллә ҡайҙа бик йыраҡта тойола. Яҙмыш боролоп, мине был ергә килтеререн башыма ла һалмай инем ул саҡта. Һөйләүҙәре буйынса, боронғо һуғыштарҙың алымына был ер бик тә уңайлы булған. Бигерәк тә ул яу яҙ миҙгеленә тура килһә. Ул осорҙа Яйыҡ ташҡыны тәрән, ағымы шәп була. Башҡорт яугирҙары Батшалыҡ түбәһенең өҫтөндә һәм ике яҡҡа һуҙылған ҡатылығында булһалар, дошмандары уларҙың артына сыға алмаған, сөнки тирә-яҡ – һаҙ. Батырланып, Яйыҡ аша Батшалыҡ түбәһенә күмәкләп, гөрөлөп тә сыға алмаған дошман. Сөнки сығыу урынын көслө ағым йыуа-йыуа, һыуҙан күренер-күренмәҫ ҡырлы ташлы текәлек итеп бөтөргән. Ат, йөҙөп килһә лә, тиҙ генә ярға сыға алмай, сөнки ташлы текәлек быға ирек бирмәй. Ат өҫтөндә ултырған дошман яугиры ярға сығыу мәшәҡәттәре менән албырғай. Ә ҡаршы яҡтағы ағас өйөмө йәки ҡойма артында ултырған уҡсылар өсөн дошман һыбайлыһы бик яҡшы сәп була. Ҡыҫҡаһы, Батшалыҡ түбәһе яу ҡайтарыу өсөн бик уңайлы урын һаналған. Мал-тыуарға эсергә һыу, ашарға үлән, күләгәлек өсөн таллыҡ һәм башҡа ыңғай шарттарҙы тәбиғәт, әйтерһең дә, үҙе махсус яһаған. Үткәүел юл яғынан күҙәткәндә лә Батшалыҡ түбәһе әллә ни айырылып тормай. Күрәһең, ул ҡалмаҡтарҙың башҡорт табындарының еренә һөжүм иткән осор һуғыштарына тура килгән. Батшалыҡ түбәһенең Барын-Табындар тарихына инеп ҡалыуы шуның менән дә билдәле. 1735 йылдарҙағы милли азатлыҡ көрәшенә тиклем Табын-Барындар еренең сиге Батшалыҡ түбәһенән 4–5 саҡрым төньяҡтан, Хәҙерге Урал ҡасабаһы өҫтөнән, көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа боролған. Һөйөндөк ауылы Тирлән яны менән Ағиҙел, Әй башын эскә ҡалдырып әҙ генә барғас, Әй менән төньяҡҡа – Алтын тамаҡҡа барған. Беҙгә билдәле мәғлүмәт буйынса, Һүлийә-Сүлийә тирәһендә, Кесе Урал армыты өҫтөндә башҡорт ырыуҙарының ере осрашҡан. Ул ерҙә борон ҡулдан-ҡулға биреп, таштан һалынған дүрт мөйөшлө бик ҙур ҡорам – пирамида торған. Барын-Табын, Ҡыуаҡан-Табын, Әйле-Табын, Ҡатай-Табын ырыуҙарының ере сиге осрашҡан урын була ул. Ә ҡорамдың яҡтары көньяҡ-көнсығышҡа – барындарға, Көньяҡ-көнбайышҡа – ҡыуаҡандарға, төньяҡ-көнбайышҡа – әйлеләргә, төньяҡ-көнсығышҡа Ҡатай ырыуы йүнәлешен күрһәткән, тип һөйләйҙәр ине. Ғәрифулла ағайҙың бүреләр менән булған ваҡиғаһына, байтал хаҡын түләтмәүҙе һорап, идаралыҡ ултырышына яҙған ғаризаһын ҡәнәғәтләндереүгә лә байтаҡ ваҡыт үткән кеүек. Уның иртә менән Ғазир ағайҙы эйәртеп, бик тәүәккәл, ҡыҙыу хәрәкәт менән идаралыҡҡа килеп инеүе һаман да күҙ алдымда. Һәр ваҡыт тыныс, ышаныслы тауыш менән яйлабыраҡ хәбәр һөйләгән Ғазир ағайҙың тауышы минең уйҙы тәстиҡләгән кеүек. Беҙ үҙ-ара һөйләшмәнек, әммә эстәге ҡарарыбыҙ бер төрлө ине. Кешеләрҙең эске ҡарарын, уларҙың уйын күҙгә күренмәҫ биҙәкле сөрмә һүрәтен күрә алыу һәләте бар ине, буғай, беҙҙә. Әммә шул ваҡыт миндә икенсе бер теләк гөлт итеп ҡабынды. Береһе – әле лә тыныс ҡына ятҡан Батшалыҡ түбәһенә барыу. Барып бик күрге килде ул урынды. Бүреләрҙең күҙҙәре янып, Ғәрифулла ағайға күмәкләп ташланырға әҙ генә бойом, әҙ генә инә бүренең эске һәм тышҡы ҡуҙғыу фарманын дерелдәп көтөп ултырған башҡа бүреләрҙең ынтылыш-ерен ҡарағы килде. Көндәрҙән бер көн шул билдәле булды: Аллаһы бойорһа, алдағы йәкшәмбе буш буласаҡмын. Ул көн тиҙ килеп етте. Һабантуйҙарҙа сабышып, йә беренсе, йә икенсе килә торған туры атты бик тәртипле, эшһөйәр склад мөдире Ғаяз тигән ағай егә ине. Алдан уға әйтеп ҡуйҙым: йәкшәмбе көнө ҡырға сығам, ағай. Ҡырҙа күпме кәбән ҡалған, яҙға тиклем етәме, быуаҙ бейәләр нисәү? Уларҙы фермаға алып ҡайтырға ваҡыт түгелме? Һәр нәмәне күреп, уға инаныу холҡоңда булһа, идара итеү ҙә еңелләшә. Йәкшәмбе көнө иртә менән идаралыҡҡа барып, хужалыҡтағы хәл-әхүәлде белеп килеүгә, ат ҡапҡа эсендә егеүле тора ине. Сана өҫтөнә талдан үрелгән ҙур алап-күреп бәйләп ултыртылған, эсенә бесән һалынған. Ғаяз ағас складта мөдир булып эшләне. Ҡырҙа ашарға ул-был, бинокль, башҡа кәрәк-яраҡты санаға һалыуға, мәктәптән ҡайтып ингән 9 йәшлек улым: “Мин дә барам ат менән”, – тип, сат йәбеште. Шунда мин улыма йүгерек туры атты егеп ҡырға йылҡы көтөүе йөрөгән ергә барыуымды әйтеүемә үкендем. Өҫтәүенә, мин уға бер аҙна элек йылҡы көтөүенә бүреләр һөжүм итеп, бер йәш байталды ашауҙарын һөйләгәс, ҡыҙыҡһыныуы сигенә еткән, күрәһең. Көн һайын кис ул минән бүреләрҙең оялары ҡайҙа, унда улар нисек йоҡлайҙар, бейәләр күп булғас, ниңә улар бүреләрҙе тапамайҙар һәм башҡа һорауҙар биреп йөҙәтеп бөтөрҙө. Ҡышҡы тәбиғәт һәм йәнлектәр мөхитенә ҡыҙыҡһыныуы ҙур булғас, уны үҙем менән алмаҫҡа ҡарарым етмәне. Көн аяҙлы-болотло. Әҙ-мәҙ ҡар күҙәнәктәре төшөп ҡуя. Әммә һалҡын түгел. Улымдың тамаҡ туйҙырып алғанын көтөп, ашыҡмай ғына ҡырға йүнәлдек. Ат бик ҡарыулы, етеҙ, өҫтәүенә, аҙымлы. Юл булмаған ерҙә лә йәйәүле кешегә сана артынан өлгөрөрмөн, тимә. Ҡыҙыҡһынған яландарға етеп, биноклдән ҡарап, эҫкерт-кәбәндәрҙе иҫәпләнек. Улым ат тотоп бара. Дилбегәһе менән ҡағып, атты бер туҡтауһыҙ өтәләй, ҡыуа. Мин уны тыйып өлгөрмәйем. “Бала бит, малай кеше”, – тип, үҙемде тынысландырам. Бүреләрҙән ҡасырып, ситкә ҡыуып алып барған йылҡыларҙың тибен типкән еренә барҙыҡ. Йылҡыларҙы ҡарап, тейешле һығымтаға килеп, эңер төшкәнсе Батшалыҡ түбәһенә етеп ҡайтайыҡ, тигән ниәт менән Яйыҡ буйына тилбер генә юрттыҡ. Яҙға тартыр көндә Яйыҡ аша тура үтеүгә шикләнеп, “урау булһа ла, юл яҡшы” тип, күпер аша урап киттек. Мышағыр тауы ҡаршыһында күперҙе сығып, Яйыҡтың уң яҡ яры буйлап Батшалыҡ түбәһенә юрттыҡ. Был яҡта юл йәнләнде. Төлкө эҙҙәре йышайҙы. Йә Яйыҡ әрәмәлеге буйлап, йә Мышағыр тауы йүнәлешенән килгән бүреләр һуҡмағы ла күбәйҙе. Улар йә ҡушылып, йә айырылып, Батшалыҡ түбәһенә йүнәләләр. Атты атлатып ҡына барабыҙ. Төлкөләр менән бергә ҡола байталды бүреләр күптәнән инде ашап бөткәндер, тип уйлайым. Хәҙер улар Яйыҡ таллығы аша сығып, ауыл осондағы тиҙәклеккә, ферма янына уҡ барып йөрөйҙәрҙер. Килә торғас, ҡайҙандыр ситтән килеп ҡушылған сана эҙҙәре юлды хасил итте. Алда, һул яҡта – Батшалыҡ түбәһе. Өҫтөндә үҫеп ултырған ике зәғиф кенә йәш ҡайын күренә. Юл да шул яҡҡа борола. Бүреләрҙең Ғәрифулла ағайға ҡарап торған таллыҡ та күренде, буғай. Шул, шул! Тик улыма өндәшмәйем. Таллыҡҡа еткән һайын бүре эҙҙәре ишәйҙе. Бына өйкөм таллыҡ янына ла килеп еттек. Ат ҡуршылдай. Ҡанлы ҡар өҫтө ҡатып бөткән. Емтек ятҡан ергә төрлө яҡтан килгән бүре эҙҙәре бихисап. Таллыҡтың эсе менән дә, уны ситләп тә килгәндәр. Байталдың һөйәктәре эре булһа ла, улар ҙа юҡ. Күрәһең, йәш һөйәкте айырып алып, ситтә онтап ашағандар. Миңә ҡапыл уй килде: көн кискә ауышты. Буранлап тора. Хатта Айынташ тауы ла күренмәй. Байталды йыҡҡан ергә бүреләр ике-өс көнгә бер булһа ла килеп китәләрҙер. Бәлки, улар Батшалыҡ түбәһенең алдындағы ҡуйы таллыҡ алдында ята ла, эңер төшә башлаһа, ниҙер табып ашарға өмөт итеп, яр аҫтынан өҫкә сығаларҙыр. Таллыҡ араһында ятһалар, өҫтән күренмәйме икән? Сананан төшөп, атты етәкләп, ярға ҡаршы үҫеп ултырған ҙур ғына тубылғы ағасына табан атланым. Улым санала ултыра. Ара-тирә дилбегәһен ҡаға. “Атҡа теймә, тулатырһың бит”, – тип тегене тыям да, ары атлайым. Ниһайәт, текәлеккә ҡаршы ултырған тубылғы ағасына етеп, аттың теҙгенен уның төбөнә бәйләнем. Улымды өйрәтәм: “Һин күрептән сыҡмай ғына эсендә ултыр. Тоҡсайҙан термос алып һөт эс, икмәк аша. Әммә атҡа теймә, ысҡынып китһә, ҡасып ҡайтып китер, беҙ йәйәү ҡалырбыҙ”, – тигәс, ул ризалашып, башын ҡаға. Үҙе йәшкелт күҙҙәрен тоҙҙай итеп тызылдатып, миңә ҡарап ултыра. “Атҡа теймә, бороҡ!” – тип, уны тағы бер тапҡыр нығыттым да, сананан мылтыҡты, биноклде, йыраҡтаныраҡ атырға тип пуля тығылған ике патрон алып, ярға киттем. Күрәм: йылға яры ситендә лә, хатта боҙ өҫтөндә лә бихисап йәнлек эҙҙәре. Дөрөҫөрәге, төлкө эҙҙәре өҫтөнән бүреләр йөрөгән. Миңә ул ауыл яғына барыуҙан бер ниндәй ҙә фәтүә булмаҫ, тип, кире боролдом. Яйлап, яр сите менән өҫкә күтәреләм. Бер ниндәй ҙә йән эйәһе беленмәй. Тик, минең килеүемде ишетеп, таллыҡҡа йоҡларға килгән һайыҫҡандар ғына шаҡыр ҙа шоҡор булып ситкә оса. Түбәгә менгән һайын, яр сите келтә тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә. Ниндәйҙер тауыш, ауаз ишеткәндәй булып, үрелеберәк өҫкә ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем... Миңә ҡыялабыраҡ, әммә нәҡ тә яр ситенә туп-тура, йән-фарман санаға егелгән атым сабып килә. Күреп эсендә арлы-бирле сәбәләнгән улымдың башындағы бүрке осоп төшөп ҡалған. Үҙе баш ҡарама аша аттың артҡы аяҡтары янына ергә төшкән дилбегәне алырға ынтыла. Ә ат, ул ынтылған һайын, ҡуш аяҡлап уның башына һелтәй. Ләкин тибенгеһе, аттың аяҡтары, алай ҙа, йә сана ҡарамаһына, йә бушҡа ҡарлы һауаға тейә. – Һикер! Һикер сананан! Һикереп төшөп ҡал! – тип ҡысҡырам. Ләкин ул ишетмәй. Ел бураны ла өҫтә яланда көсәйҙе. Ул арала яр ситенә 35–40 метр самаһы ер ҡалды. Һепертмә буран яр сите менә ялан өҫтөнән бер итеп тигеҙләп өрә. Һис айырып булмай: ҡайҙа упҡын тәрәнлеге, ҡайҙа үләнле ҡаты ер өҫтө. “Һикер! Һикер!” – тип, асырғанып ҡысҡырам. Ишетмәй, буғай, улыҡайым. Кинәт, башыма уй килеп, арҡанан ҡулға мылтыҡты һыпыра тартып алдым. “Төш! Һикер сананан!” – тип, тағы ла ҡысҡырҙым да, ат хәҙер улым менән бергә яр аҫтына осалар тигән мәлдә атҡа пуля яһалған көбәк буйлап төҙәнем. Башҡа сара булманы. Мушкағамы, күҙ керпегенәме ҡар төштө, буғай. Ҡаплаған кеүек булғас, күҙҙәрҙе леп-леп йомоп алдым да, йән-фарман сабып килгән туры үҙем менән йәнәшләгәс, 35–40 метр самаһы ерҙән һул яҡтан аттың ҡултыҡ аҫтына күҙәп, тәтене ысҡындырҙым. Мылтыҡ тауышын ишетмәнем, буғай. Әммә прикладтың ҡулбашҡа “типкәнен” тойҙом. Ҡойроғон болғап, тибешеп, сабып барған ат нисектер һөрлөккән кеүек булып, башын эйеп, алғы ике аяғын алға һоноп, шыуған фиғелдә шып туҡтаны. Артҡы аяҡтары ла, кәүҙәһен йығылтмаҫ өсөн ҡалтая баҫып ҡатҡан ине. Ул арала улым сананан әллә йығылып, әллә һикереп төшөп, артта ятып ҡалған бүрегенә йүгерҙе. Ул әле ат менән дә, минең менән дә ни булғанын белмәй, буғай. Ә мин ат менән нимә булғанын белмәйем. Яралы ат хәҙер йығыла, хәҙер йығыла тигән инаныу менән билдәге ҡайышҡа эленгән хәнйәрҙе ысҡындырып алып, атҡа йүгерҙем. Маҡсатым – ат йығылыу менән, уны һуйып ебәреү. Ләкин... Мин хәнйәр тотоп уның янына барып еткәндә ат, башын эйеп, телен сығара биреп, ауыҙынан күбек ағыҙып, күҙе аларып, шаҡ ҡатып тик тора. Ҡыбырларға ла ҡурҡа ине, ахыры. Әйтерһең дә, саҡ ҡына ҡымшанһа, тәненә йөҙәрләгән уҡ килеп сәнселә. Аттың ҡорһаҡ аҫтын, ҡабырғаһын, түшен, бот араларын ҡарайым. Ҡан аҡҡан бер яра күренмәй. Аптыраным. Тағы ла ян-яғын күҙәтәм, әммә һис бер шикле нәмә күрмәйем. Бүреген табып, улым сана янына килеп етте. Үлемдән ҡотолғанын аңлап, улымды арҡаһынан һөйҙөм дә, етәкләп, ат алдына – 15–17 метрлап ҡына алда ятҡан текә упҡын яр ситенә киттем. Миллион йылдар буйы ташҡын һыуы ташлы түбәне ашап йыуыуҙан барлыҡҡа килгән был яр! Ат сабып килеп, шул ярҙан санаһы менән улымды алып, йәһәннәмгә осор ине. Иҫемде йыя килеп, ваҡиғаның ни тиклем фажиғәле бөтөүен аңлай башланым. Алдыма килгән ауыр, бик ауыр хәлдән тик ҡулымдағы шыма көбәкле һалҡын тимер ҡотҡарғанын күңелемдең әллә ни ере менән тәрән төшөнөп, өнһөҙ ҡара тимерҙе үбеп-үбеп алдым. Ат ҡатҡан фиғеле менән һаман да тора. Һис бер ҡыбырламаған. Тояҡтарын да алмаштырып баҫмаған. Иғтибар менән ҡарай торғас, күреп ҡалдым: атҡа мин атҡан яҡтан һулаҡай тәртәлә эс яҡтан бәләкәйерәк тапсыҡ ҡалҡып тора. Уны тартып алып, бәпес бармаҡты тығып ҡараһам, ул эскә инә. Тимәк, пуля тәртәнең ҡап уртаһына тейеп, уны үтә һуҡҡан да, ситкә боролмайынса, ат арҡаһындағы ыңғырсаҡтың ҡаты, киң айыл ҡайышына бәрелгән. Уны йәмшәйтеп, соҡорайтып ебәргән. Әммә ярып йәки тишеп, үтә сығып, ат ҡабырғаһына керә алмаған. Әммә аттың күкрәк һөйәгенең ҡабырғаһына шундай көс менән һуҡҡан – ат шаңҡып, аңын юғалтҡан. Пуляның бәрелеү көсө, күрәһең, тиңдәшһеҙ ҡеүәт тәшкил итәлер. Ә йән эйәһенең йәшәү ҡеүәте пуляларҙан да көслөлөр. Аттың хәлен төшөндөм. Йәҙрә һуғылыуҙан әллә ҡабырға һөйәге ярылған, әллә күкрәк һөйәге тоташҡан ере кимтелгән... Белмәҫһең. Әммә төшөнәм: аттың ҡабырға һөйәгенә көс төшөрмәҫкә кәрәк. Уға хәҙер тыныслыҡ, тик тыныслыҡ ҡына кәрәк. Хәлдең нисек булғанын да әле аңлай алмай торған улым, танауын мыш-мыш тартып, күреп эсенән сыбыртҡы эҙләй. Мин уны сананан күтәреп төшөрөп, тағы ла упҡын яр ситенә алып килдем. Ат телен ауыҙына тартып алһа ла, ҡыбырларға ҡурҡып, һаман да шаңҡып тора. Аҫта, әллә иреп уйылған, әллә ҡыш буйы шулай ятҡанмы, йылғаның ярға һуғылған ере уя тишек. Ул, болғорҙап-болғорҙап, бер ярға һикерә, бер аҫҡа китә. Ана шул боңғорҙаҡҡа күрһәтеп, улыма: “Ниңә тейҙең атҡа, улым? Ниңә сыбыртҡы менән һуҡтың? Үҙең дә, ат та анау ҡара боңғорҙаҡҡа төшөп китә яҙҙығыҙ бит. Атай һүҙен кире ҡаҡма, ул ҡушмағанды бер ваҡытта ла эшләмә, тип өйрәттем бит. Саҡ-саҡ ҡалдың үлемдән”, – тигәс, ул: “Ә бүре шул тишектән боҙ аҫтына кереп киттеме?” – тип ынтылып, ярҙан түбәнгә ҡарай. “Юҡ, улым. Бүре түгел, һинең кеүек малайҙар ҙа, хатта ололар ҙа атайҙарының, ҡартаталарының һүҙен тыңламаһа, шул ҡараңғы тишеккә кереп китеүе мөмкин. Аҡылды, зиһенде ҡушып йәшәмәһә, атай-инәйен тыңламаһа, анау боғорҙап ятҡан ҡараңғы тишеккә малайҙар ҙа, бүре кеүек йыртҡыс йәндәр ҙә, батшалар ҙа, ҡараңғылыҡҡа сумып, юҡ булалар”.
Элек-электән китапханасы йәмғиәт тормошонда мөһим урын биләгән һәм биләйәсәк. Уның эше табип һәм уҡытыусының эше кеүек күренеп бармайҙыр, бәлки, әммә йәмғиәткә булған йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ. Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Камила Әлмөхәмәтова ла ғүмеренең күп өлөшөн китапхана эшенә бағышлаған. - Өфө китапхана техникумында уҡыу тураһында иғлан күрҙем дә унда барырға булдым. Уҡыған ваҡытта бер нисә ҡыҙ менән бергәләп өс йыл ҡуртымға фатир алып йәшәнек. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар... Нисек кенә булмаһын, атайым уҡытырға тырышты. Техникумды уңышлы тамамлағас, Бишауыл-Уңғар ауылында - бер, унан район үҙәк китапханаһында ике йыл эшләнем. Китапхана мөдире Рима Мөхәмәтшина ине. Мин ябай китапханасы булдым. Төрлө әҙәби кисәләр үткәрҙек. Артабан Түбәнге Төкөн ауылына эшкә ебәрҙеләр. Бер көн үҙ ауылыма түгел, икенсе ауылға ебәрегеҙ, тип министрлыҡҡа киттем. Шулай ҙа, тыуған ауылыма эшкә ҡайтырға тура килде. Ул ваҡытта тормош шарттары бик еңелдән булмай. Бәләкәй генә ағас бинаны феләк менән һыу ташып, утын ярып, мейес яғып йылыта инек. Әммә эштең ауыр булыуынан ҡурҡманыҡ. Аҙаҡ иҫке ағас клубтан балалар баҡсаһы бинаһына күсерҙеләр. Был урынды яңынан балалар баҡсаһы иткәс, мәктәптән бүлмә бирҙеләр. Һуңынан яңы клуб төҙөлгәс, китапхана шунда булдырыла. Ике күсенеү – бер янғын, тигәндәй, шул тиклем китапты ташып, урынлаштырып та бөтөрөргә кәрәк бит әле! Ял ваҡыттарында һауынсылар уҡыһын тип, фермаға ауыл хужалығы тураһында китаптар алып бара инек. Китап биреүҙән тыш, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә лә йөрөнөм,- ти Камила инәй. – Беҙҙең эшебеҙҙең төп маҡсаты - китапхананан ситләшкән ауыл халҡының иғтибарын әҙәбиәткә йәлеп итеү, гәзит-журналдарға, китаптарға ҡыҙыҡһыныуын уятыу, китап уҡыуҙың ҡыҙыҡлы, файҙалы һәм кәрәкле шөғөл булыуын еткереү. Йәмғиәт интернет, телевизор, телефон менән “сихырланған” осорҙа балаларҙы тылсымлы китап донъяһына алып инеү, китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу бөгөн дә иң көнүҙәк проблема булып торалыр, тип уйлайым. Уҡыусылар китапханан ситләшмәһен, бары тик шул осраҡта мәктәптә лә яҡшы уҡырҙар, тормошта ла үҙ урындарын дөрөс табырҙар. Китаптар, ҡайһы ғына өлкәгә ҡарамаһын, беҙгә матурлыҡты күрергә, йәшәргә, тормошто аңларға өйрәтә, тәжрибә тупларға, аҡыл эшмәкәрлеген үҫтерергә булыша. Йәш быуын шуны аңлаһын ине,- тип борсола ул. Камила Әлмөхәмәтова заманында ауыл биләмәһенең йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Китап хана эшенән башҡа һайлауға ике ай алдан әҙерләнеп, лозунгылар, флажоктар яһай, “Боевой лист”тар сығара. Ул ғына ла түгел, ауылдаштары менән бер рәттән сөгөл дөр эшләгән, төнгө сменала елгәргестә иген таҙартҡан. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн хеҙмәт уҙаманы исеме бирәләр уға. Китапханасылар хеҙмәте тәү ҡарашҡа ғына тыныс һәм күҙгә ташланып бармаған кеүек күренә. Әммә, ысынында, хеҙмәткәрҙәрҙең тәрән белемле, киң эрудициялы булыуы, тәрбиәлелек, уҡымышлылыҡ, башҡарыу оҫталығы, һөйкөмлөлөк, яғымлылыҡ, тапҡырлыҡ, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе талап ителә. Камилә Кәрим ҡыҙы тап шундайҙарҙан. Уға тәрән аҡыллылыҡ, ихласлыҡ, ябайлыҡ хас. Китапхана фонды менән эшләү уның хеҙ мәтенең бер йүнәлеше булһа, икенсе йүнәлеше - уҡыусылар менән эшләү. Ул китапханаға килеүселәргә консультация бирә, кәрәкле әсбап табырға ярҙам итә. Ошо китапханала эшләп халыҡты хеҙмәтләндерә һәм хаҡлы ялға сыға. Ғүмере буйы китаптан айырылмаған уҙаман әле лә уҡымай тора алмай, ваҡытлы баҫмаларҙы көтөп ала. - Китапханаға ла гәзит-журналдар булһа ла унар баҫмаға яҙыла торғайным. Гәзит килмәй торһа, элекке һанын ҡабаттан уҡый башлайым. Бөгөнгө көндә лә гәзит-журналһыҙ тормайым,- ти Камила инәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош ғазапһыҙ булмай. Күптән түгел бер улы вафат була. Эйе, Хоҙай бер кемгә лә бала ҡайғыһы күрһәтмәһен. Илап күҙ нурҙарым йыуылып бөттө инде, ти ул. Камила инәйгә сабырлыҡ, түҙемлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өс бәләкәй малайҙың шырпы менән уйнау һөҙөмтәһендә ут тәүҙә стеналағы обойға тоҡана, һуңынан түбәгә, тәҙрәгә күсә. Малайҙар секунд эсендә һөрөм газы менән ағыулана һәм аңын юғалта. Бәлә башлыса балаларҙың өйҙә үҙҙәре генә ҡалған ваҡытта килә. Улар ололарһыҙ тирә-яҡты әүҙем өйрәнә башлай. Тап уның һөҙөмтәһе ҙур хәүеф килтереүе ихтимал. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, янғындың сығыуына ололар ғәйепле - бәләкәстәрҙе үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдыралар. Ә улар ниндәй бәлә килтереүен аңламайынса, шырпы менән уйнауҙары ихтимал. Шундай бер осраҡ ағымдағы йылдың 21 февралендә Учалы районының Юлдаш ауылында теркәлде. Йылға урамындағы бер йортта өй янып китә. Өс бәләкәй малайҙың шырпы менән уйнау һөҙөмтәһендә ут тәүҙә стеналағы обойға тоҡана, һуңынан түбәгә, тәҙрәгә күсә. Малайҙар секунд эсендә һөрөм газы менән ағыулана һәм аңын юғалта. “Ашығыс ярҙам” тиҙ килеп етә һәм уларҙы дауаханаға алып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йәшлек малай, иҫенә килә алмай, дауаханала йән бирә. Уның дүрт һәм алты йәшлек ағалары врачтар күҙәтеүендә ҡала. Әлбиттә, ҡайһы бер осраҡта ололар балаларын үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырырға мәжбүр. Ләкин сығып китер алдынан уларҙың иң өлкәненә бәләкәстәргә ҡарауыл булыуын иҫкәртергә кәрәк. Балаларҙы бигерәк тә фатирҙа йәки бүлмәлә бикләп китеү хәүефле. Бәлә тыуа ҡалһа, улар үҙҙәре генә сыға алмаясаҡ. Эйе, ут балаларҙы үҙенә йәлеп итә. Ләкин уны дөрөҫ файҙаланырға кәрәклеген аңлатырға кәрәк. Бәләкәйҙән ут менән нисек эш итергә кәрәклеген белеп үҫергә тейештәр. Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға ут менән дөрөҫ эш итергә өйрәтегеҙ. Ни өсөн шырпы менән уйнарға ярамағанлығын аңлатығыҙ. Һеҙгә һорауҙарым бар: “Шырпы уйынсыҡ түгел!”, “Балаларҙы ҡарауһыҙ өйҙә ҡалдырмағыҙ!” кеүек иҫкәртеүҙәр һеҙҙең өйҙә теүәл үтәләме? Илдар Хәмитов, Баймаҡ район-ара янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һәм профилактика бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске эштәр хеҙмәте майоры.
Рәсәй төбәктәрендә үткән йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғәлләнеүселәр һаны кәмегән бер мәлдә, Башҡортостандың 17 муниципалитетында уларҙың һаны артҡан. #национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан Рәсәй төбәктәрендә үткән йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғәлләнеүселәр һаны кәмегән бер мәлдә, Башҡортостандың 17 муниципалитетында уларҙың һаны артҡан. 2019 йыл менән сағыштырғанда, 2020 йылда Федоровка, Көйөргәҙе, Ауырғазы һәм Өфө райондарында эшҡыуарҙар һаны күпкә артты. Ә, Балаҡатай, Миәкә, Бүздәк, Стәрлебаш, Илеш райондарында, Ағиҙел ҡалаһында ул, киреһенсә кәмене. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан халҡының уртаса һәр 10 меңенә 302 эшҡыуар тура килә. Һөҙөмтәнән күренеүенсә, өс муниципалитетта улар һаны уртаса республика күрһәткесенән юғары - Өфө ҡалаһында(482), Өфө районында(430), Октябрьский ҡалаһында(310). Был күрһәткес буйынса түбән булғандарға Салауат ҡалаһы(203), Яңауыл(187), Мишкә(111) райондары инә, тип белдерҙе БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова йыл йомғаҡтары буйынса үткәрелгән коллегияла. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ иницициативаларына ярҙам” милли проектына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте 2021 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарында һәм шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғәлләнеүселәр һанын 456 мең кешегә еткерергә планлаштыра. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар – башҡорт эстрадаһында күптән танылыу яулаған. Сәнғәт тигән оло донъяға нисек һуҡмаҡ ярғандар? Ҡайҙа, нисек танышып ғаилә ҡорғандар? Улдары йырлаймы? Уларға ошо һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. – Нәсимә, Азамат, йыр сәнғәтенә һөйөү ҡайҙан, нисек башланды? Ғаиләгеҙҙә һеҙҙән башҡа йырсылар бармы? Нәсимә: – Йыр-моң һөйгән ҙур ғаиләлә үҫтем. Атайым матур бейене, өҙҙөрөп гармунда уйнаны. Әсә­йемдең дә тауышы бик моңло булды, әммә ул үтә баҫалҡы кеше ине, хатта ҡысҡырып көлөүҙе лә әҙәпһеҙлек һананы. Һәр ваҡыт үҙ алдына ғына көй­ләп йөрөр булды. Кистәрен ете бала алмаш-тилмәш концерт ҡуябыҙ, “Нәсимә Юнысова йырлай!” тип иғлан итәм дә йыр һуҙам. Туғандарымдан Рәфҡәт ағайым – профессиональ бе­йеүсе. Азамат: – Минең дә атай менән әсәй матур йырланы. Атайымдың тауышы шул тиклем көр, моңло булды, ауылдың бер осонда йырлаһа, икенсе яғында ишетелеп торор ине. Халыҡ йырҙарын яратты. Шуныһы ҡыҙыҡ: йырға һәләт ғаиләләге биш бала араһынан ниңәлер миңә генә күскән. Нәсимә: – Тәүҙәрәк бейеүсе булырға хыялландым, тик атайым менән әсәйем артист булыу теләгемә ҡаршы төштө. Аяҡтарың һыҙла­ясаҡ, сиған тормошонда йәшә­йәсәкһең, тигән һүҙҙәр күңе­лемде бер аҙ төшөрҙө. Йәнем көйөп, оҙон толомдарымды ҡырҡтым да Баймаҡ ҡалаһына хисапсылар курсына уҡырға индем. Уны тамамлағас, бер йыл эшләп ҡараным. Тик был һөнәргә һис кенә лә күңелем ятманы. “Үкенерлек булмаһын, бер генә һынап ҡарайым да...” тип, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихандар бирергә юлландым. Был юлы атай-әсәйгә уй-ниәтемде белдермәнем, “Юғары уҡыу йортона барып ҡарайым”, – тип юлға сыҡтым. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙемде студенттар исем­легендә күргәс кенә шатлығым менән бүлештем. Атай-әсәйемә фатиха биреүҙән башҡа сара ҡалманы инде. – Танышыу, ғаилә ҡороу тарихығыҙҙы ла белге килә... Нәсимә: – Йәйге каникулдан һуң икенсе курсҡа килгәйнек: “Һеҙҙең курсҡа бик матур йырлаған Баймаҡ егетен алғандар!” – тигән яңылыҡ еткерҙеләр. Бер көн бүлмәгә ҡайтып инһәм, ят егет ултыра. “Бында яҡташың йәшәй, тигәйнеләр. Танышып китергә булдым. Бергә уҡыясаҡбыҙ икән”, – ти. Азамат менән шулай таныштыҡ. Бер нисә көндән гармунын күтәреп килеп инде лә, башҡорт халыҡ йыры “Ильяс”тың тарихын һөйләп, йырлап ебәрҙе. Шул тиклем моңдан күңелем тулып, күҙ йәштәрен йәшерер өсөн йыуыныу бүлмәһенә йүгереп сығып киттем. Азамат: – Баймаҡ һөнәрселек учили­щеһында иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә булып, әрме хеҙмәтен үтеп, бер нисә йыл эшләп ташланым. Һәүәҫкәрҙәр­ҙең смотр-концерттарында йырлаған һайын “Өфөгә уҡырға бар” тип өгөтләйҙәр. Ниһайәт, тәүәккәлләп килдем. Тыңлап ҡарағас, тура икенсе курсҡа уҡырға алырға ҡарар иттеләр. Нәсимә: – Тәүге көн күрешкән саҡта ниңәлер башымдан: “Ҡалай атайыма оҡшаған был егет!” – тигән уй үтте. Башын ҡырыныраҡ ҡуйып ултырыуы, хәбәр һөйләүе, атлап китеше бер иш уларҙың. Азамат менән уҡыуға ла, мәҙәни сараларға ла гел бергә йөрөнөк, Баймаҡҡа ла бергә ҡайта инек. Тәү ҡараштан мөхәббәт булманы, тәүҙә дуҫтарса ғына аралаштыҡ. Киреһенсә, был талантлы егет бәхетенә һәйбәт кенә башҡорт ҡыҙы тап булһа ине, тип теләй инем. Ҡышҡы каникулдан һуң уҡырға килгәс, Азамат миңә хистәрен белдереп, дуҫлыҡ тәҡдим итте. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Мөнәсәбәттәргә икенсе күҙлектән ҡарап, үҙемдең дә уға битараф түгеллегемде аңланым. Икенсе курсты тамамлап, йәйге каникулға ҡайтҡас, Азамат Әмингә килеп төштө. Бер аҙҙан ағайҙарым, атайым эштән ҡайтып инде. “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейегән Рәфҡәт ағайым менән Азамат таныш ине. “Әллә концерт менән килдегеҙме?” – ти ағайым. “Юҡ, бына Нәсимә янына килдем”, – булды яуап. Азамат ҡайтып киткәс, атайым: “Был егет бик телдәр күренә. Арыу кешеме икән? Беҙҙең заманда ҡыҙ йортона барыу тигән нәмә булманы. Кейәү булғас та шым ғына ултыра торғайныҡ. Күп һөйләп, аҙ эшләй торған булмағайы...” – тип шик белдерҙе. Рәфҡәт ағайым танышын яҡлап: “Мин уны күптән беләм: бик һәйбәт егет. Нәсимә уның менән хур булмаҫ!” – тигәс, тынысландылар. Шулай итеп, 1992 йылдың 21 авгусында гөрләтеп туй үткәрҙек. Шунан бирле бергәбеҙ: тормошта ла, ижадта ла. – Хеҙмәт юлығыҙҙы Сибай­ҙа башлап ебәрҙегеҙ. Ундағы һәм Өфө тамашасыһын са­ғыш­тырып нимә әйтә алаһы­ғыҙ? Ғөмүмән, Сибайҙа үткән йылдар һағындырамы? Азамат: – 1993 йылда Сибай филар­монияһын асыу идеяһы менән янып йөрөгән Фәтих Хөснөтдинов һәм Әлмира Ҡыуатова эшкә саҡырҙы. Әҙер торлаҡ, йәш коллектив, гастролдәр һәм яңынан-яңы концерт программалары, әлбиттә, беҙҙе ылыҡтырҙы. 1994 йыл минең өсөн үтә уңышлы булды: диплом алдым, улыбыҙ Урал тыуҙы, яңы фатир бирҙеләр. Декрет ялында булыу сәбәпле, бер йылға һуңлап, киләһе йылына Нәсимә лә дипломға эйә булды. Сибай – беҙҙең йәшлек ҡалабыҙ. Дәртләнеп, сәмләнеп эшләнек, ижад иттек. Ул ҡалала йәшәү беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Әлбиттә, һағынып иҫкә алабыҙ, күңелдә ул осор хаҡында иң матур хәтирәләр һаҡлана. Нәсимә: – Сибайҙа эшләгән осорҙа бер-бер артлы концерт программалары, йырҙарыбыҙ тупланған альбомдар сығарҙыҡ: “Ғәлиәба­ныу” музыкаль спектакле, “Евровидение”, “Заман заңы – халҡым йыры”, “Исемдәре Нәсимә, моңло йыры нисәмә!” һәм башҡалар. “Бер йырлап уҙам әле” программаһы менән Ҡазан сәхнәһендә сығыш яһаныҡ. Францияға 40 көнлөк сәфәр ҙә иҫ киткес матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әммә үткәндәр менән йәшәмәйбеҙ, бөгөнгөбөҙ ҙә ҡәнәғәтләндерә. Хәҙер күберәк балаларҙың мәнфәғәтен алға ҡуябыҙ. Азамат: – Ә инде тамашасыларға килгәндә, улар ҡайҙа ла бер үк. Иң мөһиме – үҙең ихлас бул. Кешеләр алдына асыҡ күңел, яҡшы кәйеф менән сыҡһаң, улар ҙа һиңә шундай хистәр менән яуап бирә. Тағы ла репертуарға иғтибарлы, талапсан булыу мөһим. Эйе, Нәсимә әйтмешләй, бө­гөнгөбөҙгә шөкөр тип йәшәйбеҙ. Яратып башҡарған эшебеҙ, концерттарыбыҙға ихлас йөрөгән тамашасыбыҙ бар. Үҙем Баш­ҡорт дәүләт филармонияһында эшләйем. Ә Нәсимә “Ауаз” исемле фольклор ансамбле төҙөнө, бөгөн унда төрлө таланттарға эйә булған 40-ҡа яҡын кеше шөғөлләнә, байрамдарҙа, мәҙәни сараларҙа даими сығыш яһай­ҙар. – Улдарығыҙ йырлаймы? Нәсимә: – Урал бәләкәйҙән матур йырланы. “Ирәндек моңдары” конкурсында “Ҡаһым түрә”не баш­ҡарып лауреат булды. Әммә бала саҡтан беҙҙең йыш гастролдә йөрөүҙе, төнгә тиклем эшләүҙе күреп үҫкәнгәме, артист булырға теләмәне. Уны бәләкәй генә килеш алмаш-тилмәш ике өләсәй-олатай ҡарамағына ҡалдыра торғайныҡ. Ул тәүҙә Башҡорт дәүләт аграр университетын, аҙаҡ педагогия университетын тамамланы. Әммә, алма ағасынан алыҫ төшмәй, бейеүгә һөйөүе көслөрәк булып сыҡты: университетта магистратурала уҡыу менән бер рәттән бейеүсе һөнәренә лә эйә булды. Бөгөн ул туплаған “Ырыу” заманса бейеү төркөмө йәштәр араһында билдәле була бара. Бәләкәй улыбыҙ Арыҫлан Ғәзиз Әлмөхә­мәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында белем ала, саксофонда уйнарға ярата, матур йырлай. “Атаһының балаһы!” – тиҙәр уны яратып. – Тормошта һеҙ ниндәй кеше? Азаматтың бик шуҡ кеше икәнен коллегаларынан ишетергә тура килгәне бар. Хатта сәхнәлә лә шаярырға аптырамай, тиҙәр. Нәсимә: – Ысынлап та, Азамат – бик аралашыусан кеше, һәр кем менән шул тиклем тиҙ уртаҡ тел таба. Йәшәгән йортобоҙҙа уны белмәгән кеше юҡтыр. Шаян­лы­ғы ла бар, кәрәк урында етди ҙә була белә. Мин, йомшағыраҡ холоҡло булараҡ, балаларҙы артыҡ иркәләп тә ебәрәм, шундай саҡтарҙа Азаматҡа талап­саныраҡ булырға тура килә. Азамат: – Нәсимә кеүек ҡатын-ҡыҙ бик һирәктер ул. Үҙе ижади шәхес, йырсы булһа ла, һәр ваҡыт минең өсөн борсолдо, минең ижадымды алғараҡ ҡуйҙы. Репертуар буйынса беренсе кәңәш­сем, концерт ҡуйыр булһам, бөтә мәшәҡәтте үҙ иңенә алып, миңә тик йырлар өсөн генә мөмкинлек тыуҙыра. Ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ, ғаиләгә ҡарата ихтирам көслө унда. Бер ваҡытта ла юҡ-барға тауыш ҡуптармаҫ, өйҙәге сүп-сарҙы тышҡа сығар­маҫ. Уның ошо холҡо менән ғаи­ләбеҙ имен, тормошобоҙ матур. – Йөкмәткеле, ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Автор: Һөйләшеүҙе Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА ойошторҙо Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите. Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Илеш районының Ишкар ауылына көтөлмәгән ҡунаҡтар килеп төшкән. Ауыл урамдарында бер көтөү кабан йөрөгән. Был хаҡта "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итә. Кабандар, кешеләрҙән һис тә ҡурыҡмайынса урамдар буйлап ризыҡ эҙләп йөрөгән. Әлбиттә, был күренеш ауыл халҡын ҡурҡыуға һалған. Улар бигерәк тә балалар өсөн хафалана. Ни тиһәң дә, кабан - агрессивлығы менән дан ҡаҙанған януар. Ауыл халҡы белдереүенсә, ҡабандар Ишкар урмансылығынан килгән. Улар унда йыш күренә, ауылға быға ҡәҙәр ҙә килгән булғандар. Интернеттан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Был һорауҙы эстән генә һәр беребеҙ үҙенә, бер-беребеҙгә лә бирәбеҙ. Фәнни дәрәжәлә ғалимдәр, медицина белгестәре лабораторияла вирусты тикшереп, уны бөтөрөү һәм бөтөү ваҡытын иҫбат иткән йыуаныслы хәбәрҙе хөкүмәт иғлан иткәнен көтәбеҙ. Тик ул әлегә ишетелмәй. Бәлки, киләһе йәйгә кәмер, тиҙәр. Йәйгә хәтле көҙҙө, ҡышты һәм яҙҙы үтәһе бар. Ҡайһыбыҙ ул мәлдәргә барып етер тигән шикле уйҙар ҙа башҡа төшә. Яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ өсөн борсолабыҙ. Был һорауҙы эстән генә һәр беребеҙ үҙенә, бер-беребеҙгә лә бирәбеҙ. Фәнни дәрәжәлә ғалимдәр, медицина белгестәре лабораторияла вирусты тикшереп, уны бөтөрөү һәм бөтөү ваҡытын иҫбат иткән йыуаныслы хәбәрҙе хөкүмәт иғлан иткәнен көтәбеҙ. Тик ул әлегә ишетелмәй. Бәлки, киләһе йәйгә кәмер, тиҙәр. Йәйгә хәтле көҙҙө, ҡышты һәм яҙҙы үтәһе бар. Ҡайһыбыҙ ул мәлдәргә барып етер тигән шикле уйҙар ҙа башҡа төшә. Яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ өсөн борсолабыҙ.Был һорауға яуапты мин дә эҙләйем. Һәм үҙ күҙлегемдән сығып яуап яҙғым килә. Был минең фекерем генә. Кемдер килешмәҫ, кемдер уйланыр. Фекерҙәр төрлө булыр. Тик барыбер һығымта яһарға тейешбеҙ. Ғибрәтле хәлдәр бара, ә ғибрәтле хәл кешене уйландырырға тейеш бит инде. Ә мин шулай ҙа яҙып ҡарайым. Минең дәрәжәләге ябай кеше лә инде ниндәйҙер һығымта яһарлыҡ ваҡыт үтеп, был вирус арҡаһында килеп сыҡҡан шарттарҙа йәшәйбеҙ. Тимәк, алынған белемде, йыйған аҡылды, интуицияны эшкә егеп, быға хәтлем йәшәлгән йылдар тәжрибәһе күҙлегенән был хәлдәргә ҡарап, түбәндәге яҙмамды яҙырға булдым.Һуңғы арала интернетта, ватсапта был вирустың инде 1978 йылдар тирәһендә үк билгеле булып, фәнни дәрәжәлә өйрәнелгән булыуын яҙалар. Тимәк, ул вирус булған, бар, буласаҡ. Нисә йылдар яныбыҙҙа йөрөгән сиргә беҙ бирешмәгәнбеҙ. Нишләп? Ни өсөн? Был зәхмәт ҡасан бөтөр тигән һорауға яуап эҙләр алдынан ни өсөн беҙ гел ҡырыйыбыҙҙа йөрөгән вирусҡа быға хәтлем бирешмәгәнбеҙ тигән һорауға яуап табайыҡ. Яныбыҙҙа йөрөп-йөрөп, ниңә бөгөн ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында беҙҙе эстән ҡыйрата башланы. Йәшерен-батырын түгел, күптәребеҙ ғауғалайбыҙ (паникала). Остоҡ та өмөтөбөҙ юҡмы ни? Бына ошо ерҙән башлап һәр беребеҙгә: “Нишләп нисә йылдар буйына ҡырыйыбыҙҙа йөрөгән вирусҡа беҙ баш бирмәгәнбеҙ, нишләп меңәрләп сирләмәгәнбеҙ, ә хәҙер хәстәхәнәләр тулы, сирлеләргә һәм вафат булғандарҙы һаҡларға ла урын юҡ, нишләп күпләп китәбеҙ әле һуң?”- тигән һорау бирер инем.Эйе, башты эшләтмәһәк һәм ниндәйҙер ҡарарға һәр беребеҙ уйланып килмәһәк, иртәгә..... Иртәгә күптәребеҙ булмаҫҡа мөмкин!!! Вакцина уйлап сығарасаҡтар тигән хәбәрҙе төрлө трактовкала яҙҙылар. Уйлап сығарғандар, сығаралар һәм башҡа. Вирус мутациялана, бүтән штамға әйләнгән, был вакцина ярҙам итмәҫкә мөмкин икән тип тә яҙалар. Бәлки! Сөнки коронавирус тип саң ҡағыу ситкәрәк китте, хәҙер ике яҡлы пневмония башланды. Бәлки был мутанттыр? Ҡайһы һүҙ дөрөҫ, ҡайһы дауалау дөрөҫ? Нишләп дарыуҙар файҙа бирмәй? Баш ҡатып китте тейергә була. Мөғжизәле прививканы ла көтә - көтә бик күп ваҡыт үтеп кителде бит, йәмәғәт!Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа беренсе һорауға яуап эҙләйек. Ни өсөн беҙ тажлы зәхмәткә бирешмәйенсә йәшәгәнбеҙ? “Беҙҙең эске хәләтебеҙ йәки, медицина термины менән әйтһәк, иммунитеттың вирусҡа бирешмәҫлек көсө нимәгә бәйле булған?”- тигән һорауға яуап табайыҡ.Минем яуап ҡыҫҡа: ил күләмендә булған психологик сәбәптәргә һәм ашауға.1. Беренсе сәбәптең эсенә инеп уйланып китһәң – подпункттар хайран күп. Хәҙерге ваҡыттағы кеүек элек нерв кейеренкелеге көслө булмаған. Урындары йәннәт түрҙәрендә булһын, әтейем менән әнейем ете бала тәрбийәләп үҫтереп, өс балаға юғары белем, икеһен техникумда уҡытып, өйләндереп, кейәүгә биреп, туйҙар яһай алғандар. 80 йәшендә лә әнейемдең сәстәре ҡап-ҡара ине тейерлек. Хәҙерге заманда өс балаға юғары белем биреү өсөн о-һо-һо, сәстәр төбөнә хәтле ағарырға тейеш!!! Ҡырыҡ йәштә хәҙер күптәребеҙ сал сәсле. Мин Америка асмайым. Ул барыбыҙға ла билгеле. Ипотека, кредит, балаларҙы уҡытыу түләүле, дауаланыу түләүле – бөтөн нәмә хаҡ һорай. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә генә күпме аҡса түгәбеҙ? Унан башҡаһы ла күп. Улар беҙҙе эстән нығытамы, ҡаҡшатамы? Ошоноң янына сифатһыҙ ризыҡты, бысыранған экологияны, ағыуланған һыуҙарҙы, ултырып, әҙ хәрәкәтләнеп эшләй торған эштәрҙе ҡуйһаҡ?. Мин уларҙы яҙмаһам да беләһегеҙ.2. Икенсе сәбәпкә күҙ һалһаҡ, кемдер риза булмаҫ. “Ашау Аллаға шөкөр, магазиндарҙа кәштәләр һығылып тора,”- тейерҙәр. Беҙҙең әней-әтейҙәр был ниғмәттәрҙе ашап йәшәмәгән ( Мин, Аллаға шөкөр, ашамағандар тим. “Ножки буша” ашаманылар, ә һөйәктәренә хәтле һутлы, тәмле үҙебеҙҙең тауыҡ итен ашап йәшәнек. Һурпаһы ғына ни тора? Һәм башҡа сифатлы ризыҡтар ул ваҡытта өҫтәлдә тулып торҙо). Ә нишләп беҙ сиргә баттыҡ. Ул заманда рак та, диабет та, инсульт та, инфаркт та анда – бында бер ишетелә ине. Тимәк, ялтыр–йолтор ҡағыҙҙарға төрөлгән ризыҡтар әле сифатлы тигән һүҙ түгел. Сөнки кешеләрҙең һаулығы иң беренсе ризыҡҡа бәйле. Ул беҙҙең тәндең төҙөлөш материалы. Бөгөн төҙөлөш материалы, русса әйткәндә, “остается желать лучшего” тейергә була.Һаулығы ҡаҡшаған, стрестарҙан башы сыҡмаған, сифатһыҙ ризыҡ ашап иммунитетын бөтөргән әҙәмдәр булып ҡалдыҡ түгелме? Теләһә ҡайһы вирус эскә инеп, рәхәтләнеп үрсерлек хәлдәбеҙ тип әйтергә була.Был шарттарҙа беҙ нимә эшләргә тейешбеҙ һуң? Вирус быға хәтлем йәшәгән ер өҫтөндә, ул күптән бында “пропискала”. Тимәк, вирус беҙҙе еңә алмаҫлыҡ хәлгә өлгәшергә тейешбеҙ. Был сир баҫыуҙарға, үҫемлектәргә зыян һала торған саранча ла, бөжәк тә түгел, кукурузниктан уға ағыу һиптерә алмайбыҙ, ул бит инде ярты быуат йәшәгән, беҙҙең ҡышҡы һыуыҡтарға, әсе елдәребеҙгә, баш түбәһен көйҙөрөрлөк селләләргә бирешмәгән. Шулай булғас, план ҡороп, вирусты хәйләләп еңергә генә ҡала. Мин һеҙгә план тәғдим итәм:1. Юғалып ҡалыу, паникаға бирелеү, ҡурҡып йәшәү – былар беҙҙе көсһөҙләндерә. Шулай булғас, уларҙы күңелгә, башҡа индермәйбеҙ. Вирусҡа беҙҙең рухты ҡаҡшатырға, әхлаҡи яҡтан көсһөҙләндерергә юл ҡуймау бик мөһим. Һуғышта ла баштан аяҡ ҡоралланған дошманды көслө рухлы ата– бабайҙар еңеп сыҡҡан. Күҙҙәре нур сәскән, күкрәктәрен киреп баҫҡандар дошман ҡаршына. Шуға тормошҡа шөкөр итеп, шатланып-ҡыуанып йәшәүҙе дауам итәйек, гөрләтеп эшләйек. Йәғни негативты ҡыуып, ыңғай энергияны күберәк йәлеп итәбеҙ. Эстән ҡыуанып йәшәү һәм эшләү–ул иң шәп витамин. Ипотека-кредиттар өсөн эстән борсолмайыҡ, нисек тә уларҙы ваҡытлыса тип ҡабул итәйек. Йәғни рухи яҡтан үҙебеҙҙе ныҡ тотабыҙ. Стресҡа ҡаршы торорлоҡ күс булырға тейеш. Ҡулдан килмәгән, беҙгә ауырлыҡ килтерә торған ғәмәлдәрҙән ситләшеп торайыҡ был йылдарҙы. Уны һәр кем үҙе белә.2. Икенсенән, көслө рух янында көслө организм булырға тейеш. Ул саҡта был сир беҙҙең тәнгә үтеп ингән хәлдә лә шунда үҙе үләсәк. Тимәк, эсебеҙҙә вирус үрсерлек шарттарҙы тиҙерәк бөтөрөргә кәрәк. Бөтөрөргә, булдырмаҫа, көндән-көн эстәге бөтөн ағзаларҙа вирус өсөн бик ныҡ уңайһыҙ шарттар тыуҙырырға. Ә нисек? Беҙ нимәнән торабыҙ? Беҙ нимә ашайбыҙ - шунан торабыҙ. Тимәк, был йылдарҙа ашауҙы көйләргә кәрәк, ул бары тик беҙҙең иммунитетты күтәрергә тейеш, беҙҙең эстәге һаҡлаусы көстәрҙе арттырырға һәм уларҙы нығытырға тейеш. Ә нимәләр ашамау беҙҙең көстө арттыра һуң? Ашарға яраҡһыҙ ризыҡты ашамау беҙҙең көстө арттыра тигән яуап килеп сыға. Иң беренсе эсебеҙҙә шул ризыҡтар арҡаһында йыйылған шлактарҙан таҙартыу – ул эске сәләмәтлеккә юл аса. Тәм-том, сифатһыҙ ризыҡ ҡулланмаҫҡа! Яһалма тәмләткестәрҙе, синтетик сөпрәнән бешерелгән ҡамыр ризыҡтарын, фасфудтарҙы күп ҡулланыу, уларҙы самаһыҙ ашау, эш урындарында ваҡыт етмәү сәбәпле арлы – бирле ҡапҡылау, ултыраҡ эш режимдары беҙҙе эстән көсһөҙләндерҙе, сереүгә еткерҙе һәм вирустарға уңай шарттар тыуҙырҙы. Һығымта яһайбыҙ. Тимәк, сифатлы ризыҡ ҡына ашай башлайбыҙ. Тапҡан аҡсабыҙҙы сәләмәтлеккә генә инвестициялайбыҙ. Русса әйткәндә, “Без ГМО, без ЕЕ-шек, без красителей, беҙ искусственных сладостей” аҙыҡ алабыҙ.3. Урында ҡатып, хәрәкәтһеҙ ҡалып эшләй торған эштәр күбәйҙе. Бөтөн эш компьютерға һәм башҡа заманса технология аппараттарына бәйле. Ҡатҡан баштар, елкәләр, билдәр, умыртҡа һөйәктәре заманы тиһәк бер ҙә яңлыш булмаҫ. Нисек иттереп тәнебеҙҙә лимфалар, капиллярҙар, сосудтар яҡшы итеп эшләрлек, эсәктәребеҙ ашағаныбыҙҙы эшкәртерлек, ағзаларҙа торғонлоҡ булдырмаҫлыҡ хәләттә йәшәүҙе тәьмин итергә тип уйланыу мөһим. Бының өсөн яйы сыҡҡан һайын физик күнекмә эшләргә, хәрәкәтләнергә. Саф һауалы тәбиғәттә йөрөү, физик эштәр менән шөғөлләнеү, спорт менән шөғөлләнеү, физик эш булмаһа көндәлек күнегеүҙәр яһау, бассейнға йөрөү, уйындар уйнау һәм башҡа тәнебеҙҙә торғонлоҡто булдырмай торған физик хәрәкәтләнеүҙәр мөһим.4. Паразиттарға, зыянлы бактерияларға, вирустарға ҡаршы систематик рәүештә көндә көрәш алып барыу. Ошо паразиттар менән Зәүхиә аптыратты инде тейерһегеҙ. Ә ШУЛАЙ ҘА ЯҘАМ!!! КӨНДӘ УЛАРҒА ҠАРШЫ КӨРӘШЕҮ, УЛАРҒА ТӘНДӘ ҮРСЕРГӘ БИРМӘҮ – УЛ ИҪӘНЛЕКТЕҢ НИГЕҘЕ. Был турала күп яҙҙым. “Профилактика – залог здоровья” тигән ҡулдан рәсемдәр менән яһалған плакаттар элек һәр бер поликлиникала һәм фельдшер пункттарында эленеп тора ине. Бөгөн бик актуаль был плакат. “Противопаразитарная профилактика” тигән нәмә услап дарыуҙы эсеүҙе аңлатмай. Һарымһаҡ, эркет, әсегәнерәк ҡымыҙ, һуған, ҡәнәфер, әрем һәм башҡалар. Теләгән таба--ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға.5. Шулай уҡ эс ҡатыуҙы булдырмау, күберәк бешмәгән, үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсә салаттары ашау, төрлө орлоҡтарҙы, бөтөн ярмалар ҡулланыу, үҫемлек майҙары... Һанап бөткөһөҙ. Ҡыҫҡаһы – эҙләйбеҙ. Хатта ауылда тәрбиәләнгән мал ите, тауыҡ күкәйе, ауыл һөтө - ҡаймағы, майы – былар шулай уҡ сәләмәтлеккә нигеҙ һала торған ризыҡтар.Яҙғанымды йомғаҡлап нимә әйтергә була? Упҡын ситенә үк килеп етмәнек әле, тип үҙебеҙҙе-үҙебеҙ йыуатып ҡул ҡаушырып ултырыу - нәтижә бирмәҫ. Офоҡҡа күҙ һалыу һәм упҡынға күпме ҡалды икән тип уйлау кәрәк. Аллаһы Тәғәлә хаҡ юл күрһәтһен. Имен-һау булайыҡ! Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкова. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу – беҙҙең башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Беҙҙең ҡалала һәм рай-онда ла был шөғөлдөң тергеҙелеүе һәм үҫеүе шатландыра. Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу – беҙҙең башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Беҙҙең ҡалала һәм рай-онда ла был шөғөлдөң тергеҙелеүе һәм үҫеүе шатландыра. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында традицион уҡтан атыу буйынса 12 йәшкә тиклемге балалар араһында ҡала һәм район беренселеге үтте. 29 малай һәм ҡыҙ мәргәнлектә көс һынашты. Уларҙың 22-һе гимназия-интернаттың “Аҡтайлаҡ” клубында шөғөлләнеүселәр булһа, ете уҡсы Ишәй һәм Әхмәр ауылдарынан килгәйне. Түңәрәк етәкселәре Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Кинйәбаева менән Илдар Зинфир улы Абыҙгилдин бәйгене мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыклы итеп ойошторҙо. Турнир аҙағында ата-әсәләргә лә мәргәнлектәрен һынап ҡарарға мөмкинселек бирелде. Сәпкә тейеүселәргә Өфөнән Азамат Юлдаш-баев һәм Ишембайҙан Гөлдәр Йосопова әҙерләгән приздар тапшырылды. Бөтә балалар ҙа бағымсыларҙан иҫтәлекле бүләктәр алып шатланды. Мәргәнлек бәйгеһе барыһына ла бик оҡшаны. Турнирҙы ойоштороусы Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙына, Илдар Зинфир улына, “Яугир” ойошмаһына, Ишембай районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллинға, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы-нан Радик Хәмиҙуллинға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Фото: автор. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Сағыу костюмдар, төрлө илдәр йолалары һәм кухняһы, төп шыршы, Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар... Быларҙың барыһын шәмбе көндө Йылайыр ауылында үткән Ғаилә ялында күрергә мөмкин булды. Ике өлөштән торған ҙур сара ауыл халҡының һәм ҡунаҡтарының хәтерендә оҙаҡ һаҡланып ҡалырына шик юҡ. Ғаилә ялы райондың ял һәм мәҙәниәт йортонда башланып китте. Сараның тәүге өлөшө “Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестиваленә йомғаҡ яһау булды. Иҫегеҙгә төшөрәйек, 3 декбарҙән старт алған фестиваль сиктәрендә белем биреү ойошмаларының һәр класы йәки төркөмө иң тәүҙә Бөтә донъя ЮНЕСКО объекты булған илдәрҙең береһен һайланы. Шунан һайлаған илдең Яңы йыл йолаһына ярашлы ата-әсәләр, уҡытыусылар менән берлектә бүлмәне биҙәнеләр, традицион ризыҡтарынан табын әҙерләнеләр һәм, әлбиттә, шул илгә бәләкәй генә “сәйәхәт” ойошторҙолар – костюмдар тектеләр, байрамдың нисек үтеүен күрһәттеләр, шул телдә шиғырҙар ятланылар, бейеүҙәрен өйрәнделәр – һәр кем үҙенең барлыҡ фантазияһын эшкә екте. Белем биреү ойошмаларының әҙерлеген район хакимиәте, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, “Ғаилә” район-ара үҙәге, райондың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре вәкилдәренән торған махсус комиссия баһаланы. Комиссия составында район хакимиәте башлығы И. Л. Фәтҡуллин да булды. Ҡатнашыуға ғариза биргән райондың һәр белем биреү учреждениеһында булғандан һуң, баһалау комиссияһы иң креатив, сағыу әҙерләнгәндәрҙе фестивалдең йомғаҡ яһау өлөшөнә – финалға саҡырҙылар. Шулай итеп, ун көндән ашыу барған масштаблы фестивалдә Йомағужа урта мәктәбе һәм Йылайыр ауылының “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы Гран-при яуланы. Афарин! Уларҙы һәм призлы урындарға, төрлө номинацияларға лайыҡ булыусыларҙы район хакмиәтенең дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәре менән бүләкләнеләр. Яңы йыл – бөтә донъяла яратып көтөп алған байрамдарҙың береһе. Һәр илдә уны үҙенсәлекле йолалар менән ҡаршы алалар. Ҡайҙалыр ун ике виноград ашап теләк теләйҙәр, ҡайҙалыр иҫке әйберҙәрҙе тәҙрә аша ташлайҙар, ҡайҙалыр шыршы урынына икенсе ағас биҙәйҙәр... Шулай ҡыҙыҡлы байам йолалары менән тотош районды берләштергән уникаль сара – “Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестивале танышырға мөмкинлек бирҙе һәм уҡыусыларға, балаларға ғына түгел, ә өлкәндәр өсөн дә яңы белемдәр асты. Ғаилә ялы көнө – 14 декабргә тап килде. Ә был дата Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы менән рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау маҡсатында булдырыдлған был көндө тамашасылар һәм фестивалдең финалистары флешмоб менән билдәләнеләр – күмәкләп “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырланылар. Ә район башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллиндың ҡотлау телмәрен Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғырын ике телдә яттан һөйләп тамамлауы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, дәррәү алҡыштарға күмелде. “Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестиваленә йомғаҡ яһалып, Башҡорт теле көнө бидәләнгәндән һуң Ғаилә ялында ҡатнашыусылар Ҡыш бабайҙар парадына ҡушылды. Был парад ябай ғына булманы: унда үҙебеҙҙең Ҡыш бабайҙан тыш Англияның Санта-клаусы, Японияның Сегацу-саны, Францияның Бабо-Наталеһы, Португалияның Папа Ноэле, Ҡаҙаҡстандың Аяз Атаһы һ.б. ҡатнашты. Райондың ял һәм мәҙәниәт йортонан үҙәк майҙанғаса барған парадта 13 илдең Яңы йылдың төп символдары – Ҡыш бабайҙары һәм Ҡарһылыуҙары теләктәрен әйтә-әйтә, сәләмдәр биреп үтте. Сараның икенсе өлөшө үҙәк майҙанда дауам итте. Бында райондың төп яңы йыл шыршыһын асыу тантанаһы ойошторолдо. Ҡупшы шыршы, боҙ фигуралар, тауҙар, ҡар бабайҙар араһында ауыл биләмәләре хакимиәттәре төрлө илдәр табындарын тәҡдим иттеләр. Һәм, әлбиттә, ниндәй яңы йыл байрамы шыршы тирәләй өйрөлөп йырламай, уйын-көлкөһөҙ, ҡотлауҙарһыҙ үтһен! Район хакимиәте башлығы И. Л. Фәтҡуллин сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, ғаилә ялының бәхәсһеҙ файҙаһын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сөнки тап ғаилә баланы шәхес итеп тәрбиләй. Ғаилә ялы – ата-әсәләргә үҙ балаларын яҡшыраҡ белергә, уны ишетергә һәм аңларға яҡшы мөмкинлек. Дөрөҫ ойошторолған ял – хәтерҙә ғүмергә ҡаласаҡ ваҡиға. – Бөгөн яҡшы көн, һеҙҙең йылмайыуҙарығыҙ, эмоцияларығыҙ менән йылытылған һәйбәт, ҡышҡы һыуыҡ тора тышта. Беҙҙең сара аҙағына етте һәм әйтергә була: байрам килеп сыҡты! Был көндөң бөтә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнеүенә тап килеүе – тәрән мәғәнәгә эйә. Билдәле факт, үҙеңдең туған телеңде белеү бөгөн бик кәрәкле сит телдәрҙе өйрәнеүҙе еңеләйтә, – тине Илгиз Лирман улы. Ҙур байрамдың нөктәһе – төрлө илдәр ҡыш бабайҙарынан һәм ҡарһылыуҙарынан төрлө телдәрҙә етеп килгән яңы йыл менән ҡотлау һәм татыулыҡ, именлек теләүҙәре. Ә шунан һуң етеп килгән 2020 йылды ҡаршылап, байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле етте: төп ҡупшы шыршының йөҙәрләгән уты балҡыны! Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Башҡортостанда иртәнге сәғәт 8-ҙә Рәсәй Президентын һайлау башланды. Тауыш биреү өсөн барлыҡ участкалар ҙа асылды. Республика халҡы Президентты алты йылға һайлай. 2018 йылдың 6 мартына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусылар исемлегенә 3 043 583 кеше индерелгән, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһынан. Һайлаусыларҙы 3398 стационар һайлау участкаһында һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа ойошторолған 38 участкала (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) көтәләр. Илебеҙҙ! теркәлмәгән Рәсәй граждандары үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын 119-сы участкала үтәй ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26. Участка комиссиялары һәм тауыш биреү өсөн биналар, нигеҙҙә, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында урынлашҡан. Республикала күреү буйынса инвалидтар өсөн алты махсус участка булдырылған. Учалыла 3147-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 6-ла асылды. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты шахтерҙарының эш ваҡыты тауыш биреү ваҡыты менән тап килгәнлектән, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреү ваҡытын күсерҙе. Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көрәшә. Республикала тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙә тамамлана. Мәғлүмәт "Башҡортостан" гәзитенең Vk.com сайтындағы төркөмөнән алынды (https://vk.com/id162549751?w=wall162549751_3568%2Fall)
2 октябрҙә Ауырғазы районында өс машина ҡатнашлығында авария теркәлгән. Был турала үҙенең блогында республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итә. Фотоларҙан күренеүенсә, Өфө - Ырымбур юлында ҡот осҡос авария теркәлгән. Цемент ташыған “Volvo”, йөк фургоны “ГАЗель” һәм “Datsun” ныҡ бәрелешкән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль тимер өйөмөнә әүерелгән, ә йөк машинаһы түңкәрелгән. ”ГАЗель” ауған техникаға барып бәрелгән, уның водителе иҫән-һау. “Datsun” руле артындағы өлкән йәштәге ҡатын һәм йөк машинаһы водителе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында эшләгән полиция, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария сәбәбен асыҡлай. Фото: NewsBash. Автор: Дина Арсланова https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/f--Irimbur-yulinda--ot-os-os-avariya-482060/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республика башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән әсәләрҙең береһе - Теләүембәт ауылында йәшәүсе Эльмира Альберт ҡыҙы Мөхәмәтова. Тормош иптәше Искәндәр Миңнулла улы менән улар 5 бала – 3 ҡыҙ һәм 2 ул тәрбиәләй. “Балалар – тормош сәскәһе. Өй эсебеҙ шат тауыштарҙан гөрләп торғанда, бигерәк тә хөкүмәт тарафынан ишле ғаиләләргә иғтибар булғанда киләсәккә ышаныс та арта”, - ти ишле ғаилә данын күтәргән Мөхәмәтовтар бер һүҙҙән. Әйткәндәй, улар алтынсыға бәпәй көтә. Республика башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән әсәләрҙең береһе - Теләүембәт ауылында йәшәүсе Эльмира Альберт ҡыҙы Мөхәмәтова. Тормош иптәше Искәндәр Миңнулла улы менән улар 5 бала – 3 ҡыҙ һәм 2 ул тәрбиәләй. “Балалар – тормош сәскәһе. Өй эсебеҙ шат тауыштарҙан гөрләп торғанда, бигерәк тә хөкүмәт тарафынан ишле ғаиләләргә иғтибар булғанда киләсәккә ышаныс та арта”, - ти ишле ғаилә данын күтәргән Мөхәмәтовтар. Әйткәндәй, әсә алтынсыға бәпәй көтә. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Өфөнөң 12 белем биреү учреждениеһында Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Сара сиктәрендә, мәктәп аш-һыуын тәмләп ҡарарға мөмкинлек буласаҡ. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Сара Совет, Киров, Ленин, Калинин һәм Орджоникидзе райондарында уҙасаҡ. Аш-һыуҙы тәмләп ҡарау 18, 74, 27, 98, 22, 10, 14, 129, 46 һанлы мәктәптәрҙә,2-се һанлы башҡорт лицейында, 68-се һанлы лицейҙа һәм 115-се һанлы гимназияла ойоштороласаҡ. График менән ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин. Мәктәптә туҡландырыу мәсьәләһе- ҡала хакимиәте алдында торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Тап дөрөҫ туҡланыу уҡыусыларҙың сәләмәтлегенә, уларҙың эшмәкәрлегенә йоғонто яһай. Әлеге ваҡытта башҡала мәктәптәрендә иртәнге аш 55-60 һум, төшкө аш- 60-75 һум тәшкил итә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Дәүләт Думаһы йәштәр рәтенә инеүселәрҙең йәшен 30 йәштән 35 йәшкә тиклем күтәреү тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы. Шулай уҡ документ “йәштәр”, “йәш ғаилә”, “йәштәр сәйәсәте”, “йәштәр йәмәғәт ойошмаһы” төшөнсәләрен билдәләй. 35 йәшкә тиклемгә күтәреү, йәш кешегә йәштәр өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырасаҡ. Дәүләт Думаһының физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесе Борис Пайкин белдереүенсә, был закон Рәсәй йәштәре һанын тағыла 12 миллионға арттырасаҡ. “Шулай итеп, социаль ярҙам алыу мөмкинселеге менән 41 миллиондан ашыу кеше файҙалана ала”,- тине ул. oskon-gazeta.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 11 октябрендә Республика көнөн уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 11 октябрендә Республика көнөн уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендәге ойоштороу комитетына сараларҙы үткәреү планын әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Муниципаль райондар һәм ҡала райондары хакимиәттәре урамдарҙы, учреждениеларҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын Рәсәй һәм республика дәүләт символикалары менән байрамса биҙәүҙе тәьмин итергә тейеш. Шулай уҡ Республика көнөнө арналған тантаналы, мәҙәни һәм спорт саралары ойошторола. Йәрминкәләр, күсмә байрам сауҙаһы була. Республика буйынса Эске эштәр министрлығына йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушылды. Сараларҙы бюджеттарға һәм сметаларға ярашлы финанаслау махсус ведомстволарға йөкмәтелә. https://www.bashinform.ru/news/1496222-radiy-khabirov-podpisal-ukaz-o-provedenii-dnya-respubliki/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Гөлнур БУРАҠАЕВАГөлнур Бураҡаева – Мәрйәм менән Диҡҡәт Бураҡаевтар ғаиләһендә тыуған өсөнсө бала. Бәләкәй сағынан һүрәт төшөрөргә һәм уның аҫтына уйлап сығарып, ни ҙә булһа яҙып ҡуйырға ярата. Өфө сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү бүлеген тамамлай. Ейәнсура башҡорт гимназияһында уҡытыусы булып эшләй. Өфөлә «Ҡыңғырау» студияһы ойоштороп, «Тормош һабаҡтары» предметы буйынса кассеталар яҙа. Башҡорт легендалары буйынса фильмдар төшөрөү уйы менән дәртләнеп йөрөгән сағында ҡаты ауырыу хыялына кәртә була. Әммә ғаиләлә, ауырлыҡтарҙы һынау тип ҡабул итергә, тигән йүнәлештә тәрбиә алған Гөлнур бирешмәй. Тамамланмаған фильмын («Заһиҙә») интернетҡа һала, хикәйәләр яҙа, күп һанлы операциялар үткәргән сағында, инвалидтарға ярҙам итәсәкмен, тигән вәғәҙәһен тота, улар менән хаттар алыша, ауыр саҡтарында күңел үҫтерерлек һүҙҙәр табып йыуата, тәбиғәткә сығыуҙар ойоштора.Изге эшеңдә һәм ижадыңда һәр саҡ уңыш юлдаш булһын һиңә, Гөлнур! Бер иртәлә Хикәйә Уны подъездан сығыу менән абайланым. Ул да, сәләмләп, эйәк ҡаҡты һәм мин уның машинаһына ултырҙым. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Бына бер аҙна инде ул һәр көн иртәнсәк эшләгән еремә ҡаршы ғына туҡталышҡа тиклем оҙата. Әммә был егет әлегә бәләкәй генә серем. Беҙ иртәнсәк сәғәт һигеҙҙә таныштыҡ. Ғәҙәти көн башланған саҡ, үҙем ултырасаҡ троллейбусты көтөп, туҡталышта торам. Шул мәл бер еңел машина килеп туҡтаны ла руль артында ултырған егет ҡул болғаны. Ҡапыл аптырап киттем, ә ул йылмая, шундай яғымлы йылмая, донъялағы иң матур егет кеүек күренде ул миңә. Әлбиттә, таныш булмаған ят кеше машинаһына ултырырға ярамай, әммә уның йылмайыуы шул хәтлем ихлас ине, бөтөн икеләнеүҙәрем һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Бына хәҙер бер аҙна инде ул мине эшемә саҡлы оҙата... Зиһенемде, минең егетем бар (!) тигән шатлыҡлы тойғо биләп алды. Ул һоро күҙле. Бер шәлкем сәсе маңлайына төшөп тора. Ә ҡул тарамыштары... Күҙ ташлау менән көслө икәнлеген шәйләп була. Шулайтып уға ҡарап барған саҡта, уның да миңә иғтибар итеүен һиҙеп ҡалдым. Уңайһыҙланыуымды һиҙҙермәҫ өсөн, ҡул сумкамда ниҙер эҙләгән булып, көҙгөмдән ҡарап алдым. Яңы алған ирен буяғысымдың ныҡ килешеүен абайлап ҡыуандым. Әлдә алған саҡта оҙаҡ һайлағанмын... Машинала музыка уйнай. Ғәҙәтемсә, уның ритмына иғтибар иттем. Күңелле, дәртле көй. Музыка тыңларға яратам. Айырыуса дәртлеләрен. Шунда уҡ күңел күтәрелеп китә, кемгәлер яҡшылыҡ эшләге килә; тормош та ауыр түгел, йәшәү еңел тойола башлай, йөрәкте өйкәп торған хәлдәр онотола. Әле бына ошо дәртле көйҙө икәүләшеп тыңлап барыуыбыҙ әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес бирә, күңел ниндәйҙер шатлыҡҡа өмөт итеп дәртләнә... Үҙем дә һиҙмәҫтән, тыңлап барған көй ыңғайына тубыҡтарымда бармаҡтарымды бейетә башлағанмын. Ул миңә ҡарап эйәк ҡаҡты ла йылмайҙы. Мин дә музыканы оҡшатҡанлығымды аңлатып баш һелктем. Уның йылмайыуы асыҡ, йылы ине. Шулай серле йылмайыуы оҡшаны. Йылмайыуҙың да төрлөһө була бит: мыҫҡыллы, оялсан, уҫал, баҫалҡы... Минеңсә, бөтәһенә лә йылмайып ҡарау килешмәйҙер. Ә бына уға ҡарап йылмайыу – күңел ялы. Үҙенең миңә оҡшағанлығын тойһон әйҙә. Көнө буйы бөтәһенә лә йылмайып ҡараған кешеләрҙе аңлап етмәйем. Мәҫәлән, һатыусыларҙы. Улар әйберҙәренә ҡушып йылмайыу һатҡан кеүек. Уларға бит бөтәһе лә оҡшамай ҙа инде. Машина туҡтаны. Уға ҡараным. Ул ниҙер һораған кеүек булды. Яуап бирергә лә өлгөрмәнем, машинанан сыҡты ла киоскыға табан китте. Бер аҙҙан туңдырма менән сигарет тотоп килде. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Ул шул тиклем етеҙ елә торғайны машинала, хатта ҡурҡа инем. Әле тиҙлеген яйлатты. Туңдырманы тыныс ҡына ашаһын, тигәндер. Яйлап ҡына ашаным. Ул сәйер генә итеп ҡулдарын һелтәй-һелтәй ниҙер һөйләй башланы. Ҡайһы саҡта хатта рулде ысҡындырып болғай башлай уларҙы. Кеше ни эшләп һәр хәрәкәттең мөһимлеген, ниҙер аңлатҡанлығын аңламай икән? Ә бит бер генә хәрәкәт менән кешене үҙеңә ылыҡтырып та, йәки һыуындырып та була. Ул ниҙер аңлатырға тырыша, ниҙер һөйләй. Уның ирендәренә иғтибар итәм. Ирен хәрәкәттәре тилбер. Алға, юлға ҡарайым. Ипле генә итеп яурыныма ҡағылды. Миңә сигарет тәҡдим итә икән. Баш тарттым. Юҡ, юҡ, бер ваҡытта ла тәмәке тартмаясаҡмын, һау-сәләмәт балалар үҫтергем килә... Тәмәке төтөнөн татып ҡына ҡараған кеше лә сәләмәт бала таба алмаясаҡ кеүек тойола. Тәмәке ҡабыҙҙы. Бығаса минең янымда бер ваҡытта ла тәмәке тартмай инесе... Тәмәке тарталыр тигән уй башыма ла инмәне. Күҙ ҡырыйы менән генә уны күҙәтәм. Бына ул ҡулдарын болғауҙан туҡтаны. Әле генә хатта ҡыҙыу итеп ниҙер һөйләп барған кеше ни эшләп ҡапыл тынды ла ҡуйҙы? Һорағым килде. Оялдым. Мин бит уны бик аҙ беләм. Беҙ бит бер генә тапҡыр ҙа йүнләп һөйләшмәнек. Итәгемә туңдырма тамды. Мин сумкамды асып ҡулъяулыҡ алмаҡсы булдым. Әммә ул өлгөрөрәк булып сыҡты, ҡағыҙ май яулыҡ (?) һондо. Шул арала итәгемдәге туңдырма тамсыһы йәйелеп өлгөргәйне инде. Беҙ икебеҙ ҙә хахылдап көлдөк. Туҡталышҡа еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Һәр ваҡыттағыса машинанан йәһәт кенә сыҡтым. «Ни эшләп был юл оҙонораҡ түгел икән?» – тигән уй зиһенде ярып үтте. Уның менән алыҫҡа-алыҫҡа барыр ҙа барыр инем, ялҡмаҫ инем, музыка тыңлар, көлөшөр инек. Тик бына уның йөҙө ни эшләптер сәйерерәк... Бәлки, ул ниҙер әйтергә уйлағандыр, ә мин иғтибар итмәгәнмендер. Мин шулайыраҡ шул, уйланып китһәм, бер нәмәгә лә иғтибар итмәйем. Машинанан сығыр алдынан уға ҡараным да... йылмайҙым. Ул да йылмайҙы, тик ҡарашы үтә лә моңһоу ине. Ниҙер әйтергә теләне лә яңағымдан һыйпап алды. Аҡрын ғына атлап үҙ юлым менән киттем. Һаман бер уй борсой – ни эшләп ул көн һайын көтөп алып, мине эшкә алып килә икән? Көн һайын күргеһе киләме? Ә бәлки, мин уға оҡшайымдыр? Уғамы? Минме? Уның көн һайын мине күргеһе киләме? Бәлки, ысынлап та, бер-береһен оҡшатҡан кешеләр көн һайын күрешергә тейештер? Хатта уларҙың береһе сәйерерәк булһа ла... Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ. Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Күп ауылдарҙа хәҙер, үкенескә күрә, оло йәштәгеләр генә ҡалып бара, сөнки эш булмау, мәктәптәр ябылыу, клубтар эшләмәү сәбәпле , йәштәр яҡшы тормош эҙләп ситкә китергә мәжбүр. Тик был һүҙҙәр ауылдаштарыма һис тә тап килмәй, тип әйтә алам. Аллаға шөкөр, мәктәбебеҙ, ә уның эргәһендә төрлө түңәрәктәр (балалар ижад мәктәбе филиалы булған хореография бүлеге лә) эшләй, теләге булғандар, ялҡаулашмағандар эшен дә, эше булғас – ашын да таба, мәҙәниәт йорто гөрләп тора, сөнки клубты шаулатырлыҡ, усаҡҡа ут өҫтәп тороусы ҡыҙҙар хеҙмәт һала бында. Улар: Ғәләүетдинова Динә, Шәйхетдинова Гөлшат, Әхмәтвәлиева Гүзәл, ауыл китапханаһы мөдире Шәймөхәмәтова Зөбәржәт. Бар ергә лә өлгөрә уңған ҡыҙҙар! Бер ҡараһаң, улар ауылдаштарын йыйып, саф һауала аҙна һайын күнегеүҙәр, икенсе ҡараһаң, йәштәр менән төрлө әңгәмәләр уҙғара, концерттарға әҙерләнә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән күмәкләп кис ултыра. Унда борондан ҡалған һөнәрҙәр: юрған һырыу, бәйләм бәйләү, сигеү, ҡорамаларҙан ҡорғандар, япмалар тегеү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ ауылда ғына түгел, ә районыбыҙҙа, республикала үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай улар. Ошо көндәрҙә генә өлгөрҙәребеҙ районда уҙған «Мәргән уҡсы» семинарында булды, Көрмәнкәйҙә «Ауылпиада»ла көс һынашты. Бер һүҙ менән әйткәндә, бар ергә лә өлгөрә улар: гөрләтеп донъя көтә, тормоштан йәм табып ғүмер итә. Дөйөм алғанда, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйҙәр. Афарин, ҡыҙҙар! Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.