text
stringlengths
433
77.6k
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Ольга Васильева "Российская газета"ға биргән интервьюһында шулай тип белдергән. Ысынлап та, бөтә кеше лә йырға, рәсем төшөрөү буйынса һәләтле була алмай, спорт буйынса ла шулай уҡ: күпме тырышһа ла " бишле" ала алмауы бар. "Уҡыусының музыкаға һәләте булмаған өсөн аттестатына "өслө" ҡуйыу ғәҙел түгел", - тип иҫәпләй Ольга Васильева. Әле төп һәм урта белем тураһындағы аттестаттарҙың яңы формаһын әҙерләйҙәр икән. Унда белем усағы музыка, рәсем һәм физкультуранан билдә урынына "зачёт" ҡуйыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Милли проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм шәхси хужалыҡтарҙы нығытыу” бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә түбән процентлы ставка менән биреләсәк ауыл ипотекаһы тураһында хәбәр иттеләр. Программа кемдәргә тәғәйенләнгән? Уны нисек юлларға? "Башҡортостан" гәзите тәфсирләп яҙған яҙманы тәҡдим итәбеҙ: Программаның асылы нимәлә? Ипотекаға дәүләт яҡлауы программаһы ярҙамында һеҙ ауыл еренән үҙ хаҡына тигәндәй торлаҡ һатып ала алаһығыҙ. Процент ставкаһының төп өлөшөн дәүләт түләйәсәк. Дөйөм талаптарға ярашлы, халыҡ өсөн максималь ставка – өс процент. Әммә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһы банктарҙы өҫтәмә рәүештә субсидиялаясаҡ. Был төбәктәге ставканы минималь кимәлгә – 0,1 процентҡа тиклем кәметеү мөмкинлеге бирә. Әлеге төр ипотеканы юллау өсөн ауылда йәшәү йәки теркәүҙә тороу мотлаҡ түгел. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Программала 16 банк ҡатнаша. Әлегә улар документтарҙы теүәлләү менән мәш­ғүл. Март урталарына исемлек әҙер буласаҡ. “Ауыл ере” нисек билдәләнә? Ташламалы ипотека ауыл, утар, эшселәр ҡасабаһы, ҡала тибындағы ҡасаба кеүек тораҡ пункттарҙан торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелә. Ә бына ҡала биләмәһенең шәхси секторынан уны ҡулланып йорт һатып алып булмай. Ер участкаһы һатып алып, ә йортҡа ташламалы кредит бирмәһәләр, ваҡытығыҙ бушҡа китәсәк. Бының өсөн үҙегеҙ мөрәжәғәт итәсәк банктан әлеге биләмәгә ҡағылышлы үҙенсәлектәрҙе, был ерҙең “Ауыл ипотекаһы” программаһына тура килеү-килмәүен белешегеҙ. Тағы ла ниндәй ташламалы программалар бар? “Ғаилә ипотекаһы” Кемдәр дәғүә итә ала: 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйы йәки инвалид балаһы тыуған ғаиләләр. Шарттары: максималь процент ставкаһы – 6 процент, кредиттың максималь күләме – 6 миллион һум. Нимә белергә кәрәк: юридик шәхестән яңы төҙөлгән йәки төҙөлөш ойошмаһынан әҙер торлаҡ ҡына һатып алырға мөмкин. Бығаса алынған ипотеканы реструктуризацияларға була. Әлеге программала 47 банк, шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, “Россельхозбанк” һәм башҡалар ҡатнаша. “Бурысты түләүгә 450 мең һум” Кемдәргә тейеш: 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә. Шарттары: дәүләт һеҙҙең өсөн ипотеканың 450 мең һумын түләй. Бының өсөн ипотека юллаған банкка мөрәжәғәт итегеҙ. Нимә белергә кәрәк: барлыҡ банктарға ла ҡағыла. Түләү бер тапҡыр ғына бирелә. Тағы бер бала тыуған йәки йәнә бер ипотека юллаған осраҡта был ярҙам сараһы ҡабатлап күрһәтелмәй. 450 мең һум – максималь сумма. Әгәр һеҙгә бығаса юллаған ипотекағыҙ буйынса 300 мең һум түләргә ҡалған икән, дәүләт 300 мең һум бүләсәк. Программаны “Ауыл ипотекаһы” менән ҡатнаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, һеҙ өс миллион һумға (максималь сумма) йорт һатып алаһығыҙ; уның бер өлөшөн әсәлек капиталы менән ҡаплайһығыҙ (хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, быйылдан уның күләме беренсе балаға – 466 мең, икенсеһенә 150 мең һум, йәмғеһе 616 мең 617 һум); 0,1 процент йыллыҡ ставка буйынса түләйһегеҙ; әгәр өсөнсө балағыҙ тыуһа, дәүләт һеҙгә тағы 450 мең һум бүләсәк. “Торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары” Кемдәргә тейеш: Башҡортостанда йәшәгән һәр кем хоҡуҡлы. Шарттары: Һеҙ партнер-банкта иҫәп астыраһығыҙ (әлегә улар – Һаҡлыҡ банкы һәм “Уралсиб”) һәм ай һайын өс меңдән ун мең һумға тиклем аҡса һала бараһығыҙ. Республика власы һеҙҙең иғәнәгә өс мең һумғаса күләмдә аҡса өҫтәй. Программала ҡатнашыусы һәр кем йылына 36 мең һум өҫтәмә аҡсалы була ала, дөйөм тупланманың максималь күләме – 216 мең һум. Әлеге аҡса мотлаҡ торлаҡ һатып алыуға тотонолорға тейеш. Нимә белергә кәрәк: аҡсаны туплау ваҡыты өс йылдан алты йылға тиклем. Йыйылған аҡсаға фатир, бүлмә һатып алырға (икенсел баҙарҙағы торлаҡ та рөхсәт ителә), шәхси йорт төҙөргә, өй һалыу өсөн ер участкаһына эйә булырға, хатта бығаса алынған ипотеканы ҡапларға мөмкин. Ҡатнашыусылар өсөн артабан ипотека юллағанда махсус банк ставкалары ҡаралған. Ҡатнашыу шарттары ниндәй? Ғаиләнең хәленә һәм социаль статусҡа ҡағылышлы берҙәм талаптар юҡ. Һеҙ яңғыҙаҡмы, әллә өс балалы ғаиләлеме, яңы юғары уҡыу йортон тамамлаған белгесме, әллә “урта йәштәрҙәге” тәжрибәле эшсеме – айырма юҡ. Банк өсөн һеҙҙең тотороҡло рәсми килемегеҙ һәм яҡшы кредит тарихығыҙ булыуы мөһимерәк. Шуны ла белеү шарт: ипотекаға рөхсәт биреү банктың бурысы түгел, ә бары тик хоҡуғы ғына, йәғни төрлө объектив сәбәптәр арҡаһында банк һеҙгә ташламалы ипотекаға рөхсәт бирмәүе лә бар. 3 Программала бер генә тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Кредиттың максималь суммаһы һәм оҙайлылығы – 25 йылға өс миллион һум. Тәүге иғәнә 10 проценттан башлана. Уның өсөн әсәлек капиталын ҡулланырға ла мөмкин. Торлаҡтың яңы булыуы ла шарт түгел, һеҙ икенсел баҙарҙан да фатир йәки йорт һатып ала алаһығыҙ. Ер участкаһы һатып алыуға, йорт төҙөүгә лә кредит алырға мөмкин. Был осраҡта төҙөлөш ике йылда тамамланырға тейеш, ә эште башҡарыусы подрядсы менән рәсми килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ. 3 Торлаҡтың һатыу-һатып алыу йәки өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү нигеҙендә алынған булыуы шарт. 3 Торлаҡ йәшәү өсөн яраҡлы, бөтә коммуникациялар – электр уты, канализация, һыу, йылылыҡ һәм газ – үткән булырға тейеш. 3 Фатирҙың йәки йорттоң майҙаны социаль норманан аҙыраҡ була алмай. Яңғыҙаҡ граждандар өсөн ул – 33 квадрат метр, ике кешенән торған ғаилә өсөн – 42 квадрат метр, әгәр ғаиләлә өс һәм унан күберәк кеше булһа, һәр береһенә тура килгән майҙан 18 квадрат метрҙан күберәк булырға тейеш.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында бай тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында бай тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Башҡортостандағы фольклорида – халыҡ фольклорын өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә көслө этәргес ул. Фестиваль бөтә республика өсөн халыҡ ижады байрамына әйләнде, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. – Ошо көндәрҙә мин Учалыла булдым, концерт ҡараным. Башҡортостан тағы ла бер тапҡыр ҡунаҡсыл төбәк икәнен күрһәтте, шул уҡ ваҡытта беҙҙҙә бай мәҙәниәт һаҡланған, милләт-ара дуҫлыҡ көслө. Ә энергетика! Һәр ҡалала һәм районда урындағы халыҡ ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Беҙҙең телефондарҙа иҫтәлеккә әллә күпме фотолар ҡалды. Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, “Ҡулға-ҡул” девизы аҫтында үткән дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә ике рекорд ҡуйылыуы - үҙе бер иҫтәлекле ваҡиға. Бөгөн “Рус витяздары”ның күрһәтмә сығыштарын барыһы ла кинәнеп ҡараны, иҫ киткес тамаша булды! Фестиваль беҙҙәге мәҙәни генә түгел, ә техник ҡеүәтте лә күрһәтте. Фольклориада сиктәрендә Учалы һәм Белорет тарафтарына Швейцария, АҠШ, Черногория, Коста-Рика, Албания, Венгрия, Ҡырғыҙстан илдәренән коллективтар барып ҡайтты. Ундағы майҙансыҡтарҙа ҡунаҡтар бейеүҙәр күрһәткән, йыр-моң бүләк иткән. Концерттарҙан тыш, был ҡалаларҙа тамашасылар халыҡтар парадын ҡараған, күргәҙмәләр эшләгән, йәрминкәләр ойошторолған. Әлбиттә, бөтә төр санитария талаптары үтәлгән. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда “Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проекты эшләй, уның кураторы – Эльвира Айытҡолова. – Был көндәрҙә Башҡортостан бик яуаплы миссияны башҡарҙы, Рәсәйҙе танытты, – тине Эльвира Айытҡолова. – Байрам сағыу ҙа, иҫтә ҡалырлыҡ та итеп уҙғарылды. Ҡунаҡтарҙың оҫталығына хайран ҡалдыҡ, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең республикабыҙҙың мәҙәни потенциалы бай икәненә йәнә бер тапҡыр инандыҡ. Беҙҙә 120-нән ашыу милләт йәшәй, һәр береһе үҙенең мәҙәниәтенә эйә. Эльвира Ринат ҡыҙы билдәләүенсә, әле ауыл клубтарын һаҡлау өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә. Унда бихисап үҙешмәкәр һәм халыҡсан коллективтар бар. "Һәр береһенә костюмдар һәм башҡа йәһәттән ярҙам итәбеҙ, матди-техник базаһын нығытабыҙ. Әлбиттә, ошо проектта ҡатнашҡан ауыл клубтары күҙгә күренеп үҫте, шуға күрә улар ҡунаҡтар алдында ла лайыҡлы сығыш яһаны", - тине ул. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ял көндәрен Баймаҡ ҡалаһының 4-лицей уҡыусылары саф һауала үткәрергә тырыша. Был юлы тауҙан тюбинг менән рәхәтләнеп шыуҙылар. Хатта уларҙың шат тауыштарынан кәйефтәр күтәрелә. #деньздоровья#здоровымбытьздорово! Бындай күңелле саранан ата-әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар балаларға самауыр ҡайнатып, эҫе сәй менән һыйланы. Уҡыусыларға ныҡ оҡшаны. Тауҙан арығансы шыуғас, аҙаҡ шатланышып өйҙәренә таралышты. Һай, афариндар! Һеҙ маҡтауға лайыҡ баймаҡтар, күптәргә өлгө күрһәтәгеҙ! Гөлшат Иҫәнбаева фотолары. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Иң беренсе сиратта дөрөҫ туҡланыу мөһим. Кальций тоҙҙары сығанағы булараҡ, һөт аҙыҡтары бик файҙалы. Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһын ҡуҙғытыусы һөттө, ҡәһүәне, тәмләткестәр ҡулланыуҙы кәметергә кәрәк. - Бер стакан ҡарабойҙай балына бер стакан онталған әстерхан сәтләүеге һәм бер стакан ваҡланған ҡарабойҙай ярмаһы ҡушып бутарға. 2 – 3 ҡалаҡ шифалы дарыуҙы аҙнаһына бер тапҡыр сәйгә йә һыуға ҡушып ашарға. Яҡшы итеп ябылған быяла банкала һаҡларға. - Боғаҡты (зоб) дауалауҙа ат ҡуҙ­ғалағынан әҙерләнгән төнәт­мәнең файҙаһы ҙур. Ныҡ итеп ваҡланған өс ат ҡуҙғалағы тамырына 0,5 л араҡы ҡойоп, ҡараңғы урында бер аҙна төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Йоҡлар алдынан ҡалҡан биҙе тирәһенә йодтан селтәр эшләргә. - 20 г ваҡланған арыҫлан ҡой­роғо үләне япрағын 100 мл 70 процентлы спиртта 10 – 12 көн төнәтергә. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр 30 – 40 тамсы эсергә. - Бер балғалаҡ ирәүән, ике өлөш бөтнөк япрағы, бер балғалаҡ ҡомалаҡ тубырсығы онтағын бергә ҡушып бутарға. Ике ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. - Бер балғалаҡ арыҫлан ҡойроғо, бер балғалаҡ ирәүән, бер балғалаҡ фенхель емеше онтағы һәм бер балғалаҡ әнис орлоғон бергә ҡушып бутарға. Ике ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Фото: Т.Аманов Яңылыҡ авторы: С. ЛОТФУЛЛИНА https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/zd/al-an-bi-en-daualau/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Ә беҙҙең 30-сы моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан «Өйөрмә түтәйҙә ҡунаҡта» тигән театрлаштырылған программа әҙерләне. Ул онлайн рәүештә үтте. Балалар иғтибарына ҡурсаҡ спектакле тәҡдим ителде. Өйөрмә түтәйҙең һарайында әкиәт геройҙары нисек Яңы йылға әҙерләнеүҙәре хаҡында бәхәс ҡорҙо. Ҡыш бабайға хат юлланылар, ҡышҡа бағышланған йомаҡтар әйтештеләр, йырҙар йырланылар, хәрәкәтле уйындар ҙа уйнанылар. Һуңынан китапханасылар 63-сө махсус интернат-мәктәпкә барып, Өйөрмә түтәйҙең бүләктәрен дә тапшырҙы. Был белем усағы беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә тора, улар өсөн һәр ваҡыт төрлө саралар ойошторабыҙ. Йыл да Инвалидтар көнөнә арналған шундай йылы осрашыуҙар булып тора. Зәйтүнә ХАЖИЕВА, китапханасы. Өфө ҡалаһы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Ҡыш боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор ул. Был шөғөлдө юҡҡа ғына "ауырыуға" тиңләмәйҙәр: бер тапҡыр барҙыңмы, икенсегә мотлаҡ юлланаһың. Һәр миҙгелдә балыҡ ҡармаҡлау – ял сәғәттәрен файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә, тәбиғәт менән аралашыуҙан ләззәт алырға теләүселәр өсөн иң мауыҡтырғыс шөғөл. Уны яратыусылар өсөн һалҡын ҡыш та кәртә була алмай. Тап әүҙем ял һәм боҙ аҫтынан балыҡ тоторға яратыусылар өсөн оҙайлы ҡышҡы каникулдарҙың бер көнөндә, йәғни 9 ғинуарҙа ҡышҡы боҙ аҫтынан балыҡ тотоу буйынса Ғафури район чемпионаты үтте. Красноусолдағы Полянский быуаһында уҙған бәйгелә 13 команда (нигеҙҙә балалары менән ғаиләләр) һәм 14 балыҡсы ҡатнашты. Чемпионатта ҡатнашҡан балыҡсыларҙың иң кесеһе – 6, ә иң өлкәне 70 йәштә. Чемпионатты Ғафури район хакимиәте, Красноусол ауыл биләмәһе, шулай уҡ райондың Һунарсылар һәм балыҡсылар Ассоциацияһы, Рәсәй ДОСААФ-ының Ғафури район бүлексәһе ойоштороп уҙғарҙы. Был йолаға әүерелгән мауыҡтырғыс сара йылдан-йыл күберәк кешене үҙенә йәлеп итә. Был көндө саф һауала балыҡ тотоусылар өсөн һауа торошо ярайһы ғына матур булды-булыуын, әммә балыҡ ҡармаҡлау өсөн бигүк уңышлы булмай сыҡты. Бары тик иң тәжрибәле һәм сос балыҡсылар ғына табышҡа эйә була алды. Чемпионат иртәнге сәғәт 11-ҙә башланып, бәйгегә старт бирелеүҙең 3-сө минутында иң беренсе балыҡты Красноусолдан Фәнил Ханнанов ҡаптырҙы. Һәм тап ул иң тәүге тотолған балыҡ номинацияһында еңеүгә дәғүә итеп, бүләкләнеүселәр исемлегенә инде. Ярыш шарттары буйынса балыҡсыларға балыҡ тотоуға өс сәғәттән ашыу ваҡыт бирелде. Ошо арауыҡта улар төрлө ысулдар менән үҙҙәренең балыҡсы һәләтен асты, балыҡ тиҙерәк ҡапһын өсөн мәкене әүрәткестәр менән емләп, ҡармаҡтарын ҡуйҙы, иркен быуаның бер урынынан икенсе - “балыҡлыраҡ” урынына күсеп тә йөрөнө. Бының өсөн сикләү юҡ ине. Бирелгән ваҡытты берәү ҙә бушҡа уҙғарманы, бар иғтибарын йүнәлтеп, барыһы ла бирелеп балыҡ тотто. Балалары менән килгәндәр иһә уларға ла ярҙам итеп өлгөрҙө. Ир-егет балыҡ тотоусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, шулай уҡ йәш ҡыҙҙар ҙа бар ине. Ғаиләләре менән килеүселәрҙән, Красноусолдан Эльвира һәм Илгиз Урманшиндарҙың улдары Эмиль менән бер рәттән ҡыҙҙары Элина ла ҡыҙыҡ күреп балыҡ тоторға килгән. Улар: “Еңеү түгел, ә иң мөһиме – ҡатнашыу”, - тине. Бына өсөнсө яртыла: “Балыҡ ҡармаҡлауҙы туҡтатырға!” - тигән команда яңғыраны. Боҙ аҫтынан ҡышҡы балыҡ тотоуҙан һәм әүҙем ялдан ҙур кинәнес, дәрт-дарман, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алған балыҡсылар тантаналы теҙелеүгә йыйылды. Чемпионатта ҡатнашып, еңеү яулаусыларҙы Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафин, район хакимиәте вәкиле – физик культура һәм спорт бүлеге мөдире Шамил Хәкимов, райондың Һунарсылар һәм балыҡсылар Ассоциацияһы етәксеһе Олег Марков, Рәсәй ДОСААФ-ының Ғафури район бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов Маҡтау грамоталары, кубок һәм миҙалдар менән бүләкләне. Шәхси беренселектә тотолған балығының дөйөм ауырлығы 245 грамм булған Константин Моисеевҡа 3-сө урын бирелде. 455 грамм балыҡ тотоуға өлгәшкән Анатолий Коробов 2-се урынға лайыҡ булды. Ә 1-се урынды Камчатканан тыуған Красноусол ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан Владимир Булатов яуланы. Командалар араһындағы бәйге улдары Никита менән Коробовтар ғаиләһенең еңеүе менән тамамланды. Уларҙың дөйөм табышы – 715 грамм. Чемпионатта балыҡсы Фәнил Ханнановҡа икеләтә уңыш йылмайҙы. Ул бер түгел, ике – иң ҙур һәм иң тәүге балыҡты тотоусы номинацияларында бүләкләнде. 6 йәшлек Семён Семёнов иң бәләкәс балыҡсы булараҡ, үҙенә тәғәйен бүләк компасын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. 70 йәшлек Рәшит Мөхәмәтйәнов иң өлкән балыҡсы номинацияһына лайыҡ булды. Судьялар гүзәл заттар хаҡында ла онотманы, ҡатын-ҡыҙ-балыҡсы Татьяна Семёнова менән Элина Урманшинаны ла бүләкләне. ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов пневматик винтовканан атыу район ярышына ла йомғаҡ яһаны. Ул ҡышҡы балыҡ тотоу чемпионаты менән бер үк көндә уҙғарылды. Иң мәргәндәре тип табылыусылар Анатолий Коробов (1-се урын), Владимир Анатольевич (2-се), Айҙар Мансуров (3-сө) етәксе Василий Николаевич ҡулынан бүләктәр алды. Район ДОСААФ бүлексәһе балыҡсы Никита Пасечникҡа үҙ номинацияһында бүләген тапшырҙы. Әйткәндәй, чемпионатта ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. ЛДПР сәйәси партияһының урындағы территориаль бүлексәһе вәкилдәре ҙур теләк менән балыҡсыларҙың һәр ҡайһыһына үҙҙәренең иҫтәлекле сувенирҙарын тапшырҙы. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар һәм Дипломдарға лайыҡ булды. Ә балыҡсылар еңеүҙән бигерәк үҙҙәренә әллә күпме ыңғай тәьҫораттарҙан ҡәнәғәт булып, ойоштороусыларға рәхмәтле булып таралышты. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева бер ай элек, 72-се йәшендә вафат булғайны. Үҙе иҫән саҡта уның хаҡында китап әҙерләнгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырсы был йыйынтыҡты ҡулына ала алмаған. Был хаҡта Бөтә донъя татарҙар конгресының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Гөлназ Шәйхи белдерҙе. "Баҫманың сығыуын Хәмдүнә апай бик көттө. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡулына алыу насип булманы. Бер өлөшөн йырсы үҙе яҙҙы, икенсеһендә - ижадташ дуҫтарының фекерҙәре, теләктәре, өсөнсөлә иһә - матбуғатта донъя күргән яҙмалар", - тине Гөлназ Шәйхи. Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормошо һәм ижадына арналған китап беҙҙең республикаға ла килеп етер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Фото: "Татар-информ" сайты. Автор: Карима Усманова. https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/H-md-n-apay-bik-k-tk-yne-494970/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Ә һуңынан мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар ситтән тороп уҡытыуҙың нисек ойоштороласағы тураһында ата-әсәләргә аңлатасаҡ. Радий Хабиров белдереүенсә, бындай уҡытыу мәлендә уҡыусылар менән бәйләнешкә министрҙар, төрлө ведомстволар етәкселәре, эксперттар сығасаҡ. Уҡыусыларҙаң беренсе сығанаҡтарҙан төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге буласаҡ. Уҡытыусылар дистанцион белем биреү буйынса курстар үтте. Әммә барыһының да интернетҡа тоташыу мөмкинлеге юҡ. Радий Хәбиров ошондай шарттарҙа бөтә уҡытыусыларҙы ла йәлеп итмәҫкә саҡырҙы. Фото: Интернеттан. Республика мәғлүмәт саралары буйынса. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
* 2019 йылда Рәсәй Федерацияһының стратегик үҫешен тәьмин итеүсе төп йүнәлештәр буйынса милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн, норматив-хоҡуҡи базаны нығытыуҙы маҡсатын ҡуйған Федераль закон ҡабул итеүҙе тәьмин итеү; * Рәсәй Банкыһы һәм Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә һанлы финанс активтарын көйләү һәм һанлы технологиялар ярҙамында финанс ресурстарын йәлеп итеүҙе яйға һаласаҡ Федераль закон проекттарына ҡарата уртаҡ ҡараш булдырыу; * Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары менән берлектә, төбәк программаларына ярашлы, граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, айырым категорияға ҡараған граждандарҙы льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлектәренә анализ яһау; * Кәрәк тип табылған осраҡта, айырым категорияға ҡараған граждандарҙы тейешле күләмдә льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү маҡсатында, Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлеү. https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/vladimir-putin-milli-proekttar-y-tormosh-a-ashyryu-buyynsa-saralar-isemlegen-ra-lany/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Ышанач" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республикалағы профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә: “Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым! Сафында ярты миллион хеҙмәткәр һәм студент иҫәпләнгән Профсоюздар федерацияһы бөгөн республикалағы иң абруйлы йәмәғәт ойошмаларының береһен тәшкил итә. Профсоюздар граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, ҡануниәтте камиллаштырыу, социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҙур эш башҡара. Өс яҡлы комиссия, ведомство-ара советтары һәм эш төркөмдәре нигеҙендәге берлектәге эшмәкәрлегебеҙ юғары баһаға лайыҡ. Профсоюздар федерацияһы һәр саҡ конструктив тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Улар власть органдары ҡарарҙарында сағылыш таба. Беҙҙең мәнфәғәттәребеҙ уртаҡ. Башҡортостандағы халыҡтың тормошон йылдан-йыл яҡшыртыуға, намыҫлы эшләгәндәргә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы тәьмин итеүгә ынтылабыҙ. Әүҙемлегегеҙ Башҡортостандың алға барыуына артабан да булышлыҡ итер, тип ышанам. Данлы профсоюз традициялары нығынһын! Федерация әүҙемселәренең барыһына ла уңыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйем!” Фото: glavarb.ru Автор: Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Danli-traditsiyalar-ni-in-in-541145/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе төбәк бюджеты тураһында һөйләне. 21 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе төбәк бюджеты тураһында һөйләне. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, быйыл республика бюджеты профициты 5-8 миллиард һум тәшкил итәсәк – аныҡ сумма декабрь айындағы керем йомғаҡтары буйынса билдәле буласаҡ. «Профицит — ул һәр саҡ файҙаланып бөтөлмәгән мөмкинлектәр. Был аҡсалар тейешле рәүештә файҙаланылһын ине. Улар яңы төҙөлөштәргә, объекттарға йүнәлтелгән. Төрлө сәбәптәр буйынса төҙөлөш комплексы ресурстарҙы беҙ теләгәнсә тулы күләмдә файҙаланманы. Был төҙөлөш комплексының үҙ мөмкинлектәрен артыҡ баһалауы хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ аҡсаны уңға һәм һулға таратып, быны котролдә тотмағандарҙан түгел. Киреһенсә, ресурстарҙы тотоноуҙы бик етди контролдә тотабыҙ. Бюджет – ул халыҡ аҡсаһы. Был «изге» аҡсалар һәм улар менән тулыһынса асыҡ, ғәҙел, хеҙмәт һөҙөмтәләре өсөн береһенә оят булмаҫлыҡ итеп эшләргә кәрәк». Республика бюджеты социаль йүнәлешле, тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. Атап әйткәндә, мәғариф өсөн сығымдар — 35,5 процент (Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә 13-сө урын), Мотлаҡ медицина страховкалау фонды аҡсаларынан тыш һаулыҡ һаҡлауға сығымдар 8,2 процент тәшкил итә (Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә 13-сө урын). «Тупланма бюджет килеме буйынса беҙ һәр саҡ Рәсәй Федерацияһының 15 эре төбәге иҫәбендә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Халҡыбыҙҙа аҡса була башлауы хаҡында түләүле хеҙмәттәрҙең, ваҡлап һатыуҙың артыуы кеүек ситләтелгән билдәләр һөйләй». http://www.bashinform.ru/bash/1096597/ Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
14 октябрҙә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү, Эске эштәр министрлығы идаралығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфөлә үткәргән сираттағы рейд тикшереүҙәре үткәрҙе. Улар йәмәғәт транспортында пассажирҙарҙың Башҡортостан Республикаһы башлығының коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле юғары әҙерлек режимы индереү тураһындағы ҡарары талаптарының үтәлеү-үтәлмәүен тикшерҙе. Билдәләп үтергә кәрәк, сентябрь уртаһынан транспортта битлек режимын үтәү буйынса контроль көсәйтелде. Был пассажирҙарҙы ла, , йәмәғәт транспортында эшләгән экипаж ағзаларын да һаҡлау өсөн кәрәк. 2020 йылдың 20 апреленән алып бөтәһе 247 тикшереү үткәрелгән, 101 юл комплексы объекты һәм 146 транспорт комплексы инспекция тикшереүе үткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланған 107 етешһеҙлек осрағына административ протокол төҙөлгән. Октябрь башынан Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәүефле сир таралыуын киҫәтеү буйынса юғары әҙерлек режимы талаптарын үтәмәгән пассажирҙарға ла протокол төҙөй. Битлек кейеү режимын боҙған өсөн водитель йәки пассажирҙарҙарға штраф янай: беренсе осраҡ өсөн граждандарға 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем һәм был хәл ҡабатланһа, 3 меңдән 5 мең һумға тиклем; вазифалы кешеләр өсөн тәүге тапҡыр 5 мең һумдан 15 мең һумға тиклем һәм ҡабаттан боҙоу өсөн 15-тән 30-ға тиклем; юридик шәхестәр өсөн беренсе тапҡыр - 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем, ҡабатланған осраҡта – 100 меңдән 200 мең һумға тиклем. Йәмәғәт транспорты водителе пассажирҙарҙы ултыртҡан саҡта битлек режимын үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. 30.03.1999 йылда ҡабул ителгән №52 федераль закондың 11-се статьяһына ярашлы, ташыу хеҙмәте күрһәтеүсе шәхси һаҡланыу саралары булмаған пассажирҙар булғанда хеҙмәт күрһәтмәй. Автобус маршрутында хәрәкәт итеү салондағы пассажирҙарҙың 100%-ында ла шәхси һаҡланыу саралары булғанда ғына рөхсәт ителә . - Пассажирҙар менән профилактик әңгәмә үткәрәбеҙ, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе шарттарында үтәлергә тейешле ҡағиҙәләр тураһында һөйләйбеҙ. Санитар режимды боҙоусыларға штраф рәүешендә административ яуаплылыҡ саралары ҡулланылыуы мөмкин. Пассажирҙар араһында яуаплылыҡ артыуы күҙәтелә, күбеһе шәхси һаҡланыу сараларын ҡуллана. Был йүнәлештәге эш дауам ителәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан дәүләт транспортының автомобиль транспорты предприятиелары эшмәкәрлеген координациялау бүлеге начальнигы Рөстәм Ғәлиев. Битлек режимынан тыш, ҡала транспорты салонын дезинфекциялау сифаты һәм тейешле саралар булыуы тикшерелде. Фото: alga-rb.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
«Бәйләнештә» мессенджеры тураһында ни өсөн белмәнек? Ул бит текә!» – ти Башҡортостан уҡыусылары. Күпселек уҡытыусылар, уҡыусылар һәм атай-әсәйҙәр өсөн мессенджерҙар – мәктәп мәсьәләләрен хәл итеү өсөн төп һәм иң уңайлы коммуникация каналы; спам булмауы һәм хәүефһеҙлек өсөн уны юғары баһалайҙар. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге белгестәре ошондай һығымтаға килде. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, «Бәйләнештә» — Рәсәйҙә иң билдәле һәм киң таралған мессенджер. Тикшереүҙә ҡатнашыусыларҙың 62 проценты тап уны һайлаған. Икенсе һәм өсөнсө урында — Telegram һәм WhatsApp (58% һәм 55%). Дүртенсе һәм бишенсе баҫҡысты Viber (14%) һәм TikTok (5%) биләй. Башҡортостанда «Бәйләнештә» йәки VK Мессенджер менән 2 018 000 кеше файҙалана, уларҙың 253 000 – 18 йәшкә тиклемге ҡулланыусылар. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һорау алыуҙа ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың һәм атай-әсәйҙәрҙең күбеһе мессенджерҙарҙың фекер алышыуҙа һәм уҡыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә төп һәм иң уңайлы коммуникация каналы булыуын билдәләй. Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева «Бәйләнештә» селтәрендәге мессенджерын уҡыусылар менән аралашыу һәм уҡыу бурыстарын үтәү өсөн әүҙем ҡуллана. Уҡытыусы билдәләүенсә, барыһы ла ТопБлог проектында ҡатнашыуҙан башлана (Наталья Ҡунаҡбаева — проекттың финалсыһы). – «Бәйләнештә»ге месенджер менән төплөрәк танышырға тура килде. Ғәжәп, ул беҙҙең командаға ғына түгел, тест үткән фокус-төркөмдәргә лә оҡшаны. «Ни өсөн беҙ уның тураһында белмәнек, ул текә!» – тип шатланды уҡыусылар. Бөтәһе лә «Бәйләнештә» мессенджерының уңайлы интерфейсын билдәләй. Унда телефонға теркәлгән дуҫтар менән аралашырға була. Ҡулланыусыларға меңдән ашыу кешелек төркөм чаттары, юғала барған хәбәрҙәр, аудио һәм видео шылтыратыуҙар, аудиохәбәр яҙҙырыу һәм уларҙың тасуирламаларын уҡыу, музыка, стикерҙар, фото, видео һәм тарихтар менән бүлешеү, шулай уҡ 2 Гб ауырлығындағы файлдар ебәреү, геопозиция менән бүлешеү мөмкинлеге бар. Унда ҡыйыуһыҙыраҡ балалар өсөн битлек тә бар. Һорау алыуҙа бөтәһе 852 уҡыусы, 855 ата-әсә һәм 747 уҡытыусы ҡатнашты. Анкета тултырыуҙы Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге белгестәре 21–27 октябрҙә ойшоторған. Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡырҡ йәштәрҙәге ир бер нөктәгә төбәлеп ултырыуын дауам итте. Суд барышына әллә ни иғтибар ҙа итмәне, шикелле. Хәйер, уның күҙ алдынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғалар, ябай ауыл өйөндәге тетрәндергес мәлдәр теҙелеп үтте... Рауил – быуындары нығынып та етмәгән кескәй малай – кәртә-ҡуралағы бөтмәҫ эштәрҙе барланы. Тәне берсә янған, берсә өшөгән, башы түҙгеһеҙ итеп ауыртҡан бала, ҡоймаға терәлеп ял иткәндән һуң, эшен дауам итте. Инеп кенә йығылыр ине — әсәһе йәл. Сөнки ул саҡта бар эш әсәһенең өҫтөнә өйөләсәк. Рауил һуңғы көсөн йыйып эшен дауам итте. Яратҡан Ҡуңыр буғаһы ла, малайҙың хәлен аңлап, йыуатырға маташҡандай, уның битен ялап-ялап алды. Бар тәне ҡалтыраған малай диванға килеп ауҙы. Эшенә ҡабаланған әсәһе улының маңлайына ҡулын ҡуйып: “Ут һымаҡһың бит! Мин ҡайтҡансы ятып ҡына тор инде”, – тип сығып китте. Күпмелер ваҡыттан һуң атаһының иҫерек тауышы ишетелде. Ул яңғыҙы түгел ине. “Нимәңде ҡарап ятаһың?” – тип улын дивандан алып та ырғытты. Уға эйәреп ингән әшнәһе, малайҙың ауырығанын һиҙеп, ниҙер әйтергә маташты. Тик атай кеше: “Миңә тимәһә ҡырылып бөтмәгәндәрме шунда!” – тип ҡул ғына һелтәне. Рауилгә әсәһе ҡайтҡансы урамда йөрөргә тура килде. Ҡатын, ут кеүек янған балаһының ҡоймаға терәлеп үҙен көтөп тороуын күреп, илап ебәрҙе. Был кис Рауилды “Ашығыс ярҙам” дауаханаға алып китте. Ныҡ ҡына һыуыҡ тейҙергән балаға ике айға яҡын дауаланырға тура килде. Дауахананан ҡайтҡан малай әсәһе менән һеңлеһенең йонсоу йөҙөнән уларға еңел түгеллеген аңланы. Хәйер, бар ҡыйынлыҡтар ғаиләгә атай йөҙөндә килә. Аталары айныҡ саҡта ла, иҫерек көйөнсә лә ҡатынын, балаларын йәберләүҙән, мыҫҡыл итеүҙән көс алғандай. Эш хаҡының бер тинен бирмәһә лә, йортонда төрлөләп аш-һыу яраштырыуҙы талап иткән ирҙең ҡайтыуын барыһы ла ҡалтырап көтә. Уның ни хәлдә, тәүлектең ҡайһы мәлендә ҡайтып инерен дә билдәләп булмай. Ағалы-һеңлеле йыш ҡына аталарының әсәһен туҡмауын ишетә. Ғәзиз кешеләрен яҡларға көстәре етмәгәндән, үҙҙәрен ғәйепле тойоп үҫә улар. Аталарының әле бер, әле икенсе ҡатын менән сыуалыуын уларға ишеттереүселәр табылып ҡына тора. Ысынбарлыҡта, ғаиләгә быны белеү өсөн ғәйбәт һүҙҙәре лә кәрәкмәй — ир кешенең нисек хаттин ашыуынан барыһын да яҡшы аңларға була... ...Ир, судьяның үҙенә мөрәжәғәт итеүен ишетеп, һиҫкәнеп китте. “Мин һеҙҙән ҡабатлап һорайым — был кешенең атайығыҙ икәнлеген таныйһығыҙмы?” Рауил алғы эскәмйәгә ҡунаҡлаған ҡартласҡа төбәлде. Йылдар уны йәлләмәгән. Таушалған, ҡартайған, йөҙөн мең һыр ҡаплаған. Мәйет һалҡынлығы өргән ҡараштар ғына шул килеш. “Эйе, үкенескә, оло бәхетһеҙлеккә күрә, был кеше минең атайым булып сыға...” ...Аталары уларҙы ташлап киткән көн Рауилдың хәтерендә иң бәхетле мәл булып уйылып ҡалды. Ир, юлға аҡса кәрәклеген белдереп, кәңәшләшеп тә тормайынса, ғаиләнең күҙ терәп торған Ҡуңыр буғаһын һуйып һатты. Әсәләренең яңы уҡыу йылына балаларын кейендерергә тип йыйып барған аҡсаһын тартып алды. Бының менән генә сикләнмәй, аш һыу бүлмәһендәге бар һауыт-һабаны онтаны, ултырғыстарҙы емерҙе. Тағы нимә эшләргә белмәй ярһып йөрөгән ир бер урында ҡатып ҡалған ҡатынының алдына килеп баҫты. “Мин юҡта рәхәтләнеп йәшәрмен тип уйлама!” — тип ыҫылданы ул һәм ҡапыл уның башын стенаға ҡуша һуҡты. Аңын юғалтып, иҙәнгә шыуып төшкән әсәләрен килеп ҡосаҡлаған улы менән ҡыҙын икеһен ике яҡҡа осора һуғып сығып китте ул йорттан. Шуға ҡарамаҫтан, Рауил өсөн ул иң бәхетле көн булды. Тәүҙә улар елдең тәҙрә ҡапҡастарын ҡағыуҙан, өйгә инеп килгән һәр ир затынан ҡурҡып йәшәне. Әммә аталарының Себерҙә бик яҡшы эшкә урынлашыуын ишеткәс, тынысландылар. “Аллаға шөкөр, ҡустым бик матур ҡатынға өйләнде. Ул да үҙе кеүек төҙөүсе, һеҙҙең әсәгеҙ һымаҡ “юғары белемлемен” тип танау сөймәй. Бик бәхетле, һөйөшөп кенә йәшәйҙәр. Атағыҙҙың ҡәҙерен белмәнегеҙ — хәҙер унһыҙ йәшәп ҡарағыҙ, хәйерселәр”, — тип ағыу сәсте инәләре. Әлбиттә, яңғыҙ ҡатынға бер ниндәй ярҙамһыҙ ике баланы күтәреүе бик ауырға төшә. Шуға күрә, ул ирен алиментҡа бирә. Аҡса ике мәртәбә генә килә лә, туҡтай. Артабан иренән “сәләм” килеп төшә: “Минән алимент түләттерергә уйлаһаң — ҡайтып, йортоғоҙға ут төртөп китәм!” Иренең холҡон яҡшы белгән ҡатын башҡаса уны борсомай. Төнгөлөккә ҡарауылсы булып урынлашып, балаларын үҫтереп, икеһенә лә юғары белем бирә. Һылыу, егәрле әсәләрен һоратыусылар күп булһа ла, ул башҡаса тормошҡа сыҡмай. “Бер ирҙән ҡотолғаныма һаман да ышанып бөтә алмайым әле”, — тип аңлата ул үҙенең ҡәтғи ҡарарын. Аталары уйламағанда килеп ингәндә, өйҙә Рауилдың туйына әҙерлек барған була. Ир кеше тупһанан тауыш күтәрә башлай, әсәһенә ҡул күтәрергә ынтыла. Тик үҙенән хәҙер инде бер башҡа бейегерәк булған әзмәүерҙәй улы, ҡулынан тотоп алып, уны ситкә быраҡтыра. Йән асыуы менән атаһына ынтылған улының юлын әсәһе ҡаплай. “Кәрәкмәй, улым, ниндәй генә булмаһын — ул һинең атайың”, — ти ул. Ккүк ата, йортона баҫып инеп, элеккесә йәшәп китермен тигән уйҙар менән ҡайтҡан булғандыр, күрәһең. Тик ул балаларының инде ҙурайып, әсәләрен яҡлаша алырлыҡ йәшкә етеүҙәре тураһында уйламағандыр ҙа. Хәйер, ҡасандыр ҡарашынан ҡалтырап торған ҡатыны ла үҙгәргән, бер һүҙ әйтермен тимә. Ир тағы сит яҡтарға сығып китә. Эштән-эшкә күскән кеүек, ҡатындан-ҡатынға йөрөй. Эсергә яратҡан, холоҡһоҙ, үсексән, ялҡау ирҙе үҙ итеүсе табылмай. Олоғайған көнөнә тиклем ятаҡта йәшәй ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Тәүҙә яңғыҙ йәшәгән апаһының йортона инә. Тик ул да, холҡона түҙмәй, оҙаҡламай туғанын ҡыуып сығара. Туғандары, таныштары буйынса күпмелер ваҡыт йөрөгәс, бер ҡатын менән таныша. Улар, хәҙерге тел менән әйткәндә, гражданлыҡ никахы менән йәшәй башлай. “Балаларың бар — улар һине ҡараһын, фатир алып бирһен!”, — тип бара ҡатын. Олоғайыуына ҡарамаҫтан, һаман да эсергә яратҡан бабайға пенсияһы етмәй башлай. Ҡатындың тыҡып тороуы эҙһеҙ үтмәй, бер көн судҡа мөрәжәғәт итеп, балаларынан алимент түләттереүҙе һорай. Рауил повестканы алып бик аптырай. Ә инде үҙенең һәм һеңлеһенең бала сағын урлап, әсәһенең тормошон юҡҡа сығарған кешенең аҡса талап итеүен белеп, хайран ҡала. Етешһеҙ көндәр, әсәһенең ике эштә бил бөгөүе, Ҡуңыр буғаһыҙ ҡалғас, һөт-ҡаймаҡты бөтөнләй онотоуҙары, тиҫтерҙәренең уның һәм һеңлеһенең уңып бөткән кейемдәренән мыҫҡыл итеүҙәре күҙ алдынан үтә. Эйе, күпте кисерергә тура килде уларға, әммә ғаиләһен ҡан илатҡан атанан ҡотолоу бәхете барлыҡ ауырлыҡтарҙы онотторҙо. Әсәләрен һөйөндөрөү өсөн икеһе лә яҡшы уҡыны, төрлө олимпиадаларҙа еңеү яуларҙар ине. Шуға күрә, урта мәктәпте тамамлағас, еңел генә университетҡа инделәр. Рауил да, һеңлеһе лә беренсе курстан уҡ эшкә урынлашты. Эйе, кемдәрҙер атайһыҙ ҡалып оло ҡайғыға сумһа, уларҙың ғаиләһе, киреһенсә, еңел тын алып, шатлыҡ-ҡыуанысҡа сумды... “Атайығыҙ һеҙгә алимент түләнеме?” Рауил судьяның һорауына: “Юҡ”, — тип әйтеп тә өлгөрмәне, атаһы әллә ниндәй ҡағыҙҙар килтереп сығарҙы. “Әлбиттә, түләнем. Бына эш урынынан белешмәләрем дә бар. Иптәш судья, хәҙер балалар игелекһеҙ бит ул, үҙең ашамай, тейешлеһен кеймәй, шуларҙы ҡайғыртһаң да, риза түгелдәр. Эйе, мин миллионер булманым, уларға машиналар, фатирҙар алып бирмәнем, әммә хәҙерге ваҡытта тормошта өлгәшкән уңыштарында минең дә өлөшөм бар”, — тине. Рауил, был кешенең оятһыҙ ялғанлауынан тартынып, бер ни ҙә өндәшә алманы. Бала саҡ хәтирәләренә төшөү — ир кеше өсөн ваҡлыҡ һымаҡ. Судьяның һораулы ҡарашына: “Яуап бирергә ҡыйынһынам”, — тип кенә әйтә алды. Улының дөрөҫлөктө даулаясағын көтөп, әллә ниндәй аҡланыуҙар, алдауҙар әҙерләп ултырған ҡартластың йөҙө яҡтырып китте. Уның бар ҡиәфәте: “Былай булғас, минең эш бешә!” — ти ине. Алимент таптырыусының һөмһөҙлөгө хөкөм залында ултырыусыларға ауыр тәьҫир итте. Сөнки был әҙәмдең хаҡһыҙлығын, алама, боҙоҡ күңелле булыуын аңларға күрәҙәлек кәрәкмәй ине. Рауил өндәшмәй ҡалһа ла, һеңлеһе (ни тиһәң дә ҡатын-ҡыҙ затынан бит) күңелендәге һыҙланыуҙарҙы асып һалды. Әммә кәкүк ата уның һәр һүҙен инҡар итте, әллә ниндәй аҡланыуҙар, хатта ғәйепләүҙәр уйлап тапты. Ә инде иң ҡәҙерле кешеләре — әсәһе өҫтөнә бысраҡ яға башлағас, һеңлеһе лә түҙмәне: “Ярай, етте, эт ашамаҫ телеңде, исмаһам, беҙҙе кеше иткән әсәйебеҙгә тейҙермә. Түләйем мин һиңә алимент! Үҙ балаларыма тейешле аҡсаны һиңә лә бүлермен. Тик ризаһыҙлыҡ, күҙ йәштәре менән килгән аҡса һиңә бәхет килтермәҫ!” — тине. Суд ҡарары буйынса, Рауил да, уның һеңлеһе лә хәҙер аталарына ай һайын алимент түләй. Был кемдер өсөн ҡот осмалы ғәҙелһеҙлек булып күренһә лә — барыһы ла законға ярашлы. Рауилдың һеңлеһе судтан һуң: “Атай үлһә ине” – бала саҡтағы иң ҙур хыялым булғандыр ул. Йылдар үткәс, был гонаһлы уйҙарҙан арындым, хатта тәүбә иттем. Әммә уның иҫереп ҡайтып араҡы таптырыуы, әсәйем өйҙә юҡ саҡта шешәләштәренең, бала тип тормай, миңә бәйләнеүҙәре, ағайыма һыйынып ҡына яҡлау табыуымды әле лә онота алмайым. Әлдә Хоҙай үҙемде яңғыҙ итмәгән, атай нисек кенә ҡаңғырмаһын, ағайым мине һаҡлап, уның бар асыуын үҙенә алырға тырышыр ине. Ҡотолоуыбыҙға һөйөнгәйнек тә, ҡартайған көнөндә тағы ла бер хәсрәткә һалды. Ул оялыр урынға, беҙ кеше күҙенә күренергә ҡыйынһынабыҙ”, — тип көрһөндө. Кәкүк ата хөкөм залынан еңеүсе ҡиәфәтендә килеп сыҡты. Улы янына туҡталып янаулы тауыш менән: “Аҡсаны ваҡытында түләгеҙ. Яңынан судлашып йөрөргә тура килмәһен!” — тине. Рауил бер ни ҙә өндәшмәне, әммә уның йөрәккә үтеп ингән ҡарашынан ата кеше кесерәйеп, бөршәйеп ҡалды. Ҡартлас улының янынан китә һалыуҙы хуп күрҙе. Хәйер, Рауил былай ҙа ҡул күтәрмәҫ ине. Ҡасандыр, “ҙурайғас, үлтерәм мин уны!” тип ярһып илаған малайҙы әсәһе ҡосағына алып, “Яуызлыҡты ғәфү итә белеү — иң ҙур көс. Ә ул һинең атайың, һиндә уның ҡаны аға. Бер ҡасан да уға ҡул күтәрмә, йәме. Бар ҡылған ҡылыҡтары өсөн һәр әҙәм балаһы үҙе яуап бирәсәк”, — тип йыуата. Рауилдың кескәй йөрәге әсә һүҙҙәренең бөйөклөгөн аңлай һәм ғүмерлеккә ҡабул итә. Ойошманан — ойошмаға, бер етәксенән икенсеһенә ялыу хаттары тотоп йөрөгән ҡартласты күреү менән күңелемдә екһенеү, хатта ерәнеү тойғолары уяна. Йәшлеген, көслө саҡтарын кәйеф-сафа менән үткәреп, ҡатынын, ғәзиз балаларын кәмһетеүҙән тәм тапҡан бабай үҙен донъялағы иң изге кеше тип һанай, шикелле. Уның өсөн барыһы ла ваҡыт табырға, кемдәрҙелер яманлауын башын эйеп, бүлдермәй тыңларға тейеш. Ҡартлас юлында осраған ҡыҙ-ҡырҡынды, ололарҙы әрләп-битәрләп китә. Ир-егеттәрҙе күргәндә иһә тауыш-тынһыҙ ҡалыуы, көслөләргә бер һүҙ өндәшмәүе уның ҡурҡаҡлығын һәм шул уҡ ваҡытта уйлап, аҫтыртын эш итеүен күрһәтә бит. Бер аяғы менән гүрҙә торған оло кешенең, донъяла ҡылған эштәрен барлап, иман нурҙары таратыу урынына, ошондай түбәнселеккә төшөүе – уның ҡылған яуызлыҡтары өсөн был тормошта уҡ яуап бирә башлауына ишаралыр ул... shonkar.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй халҡын электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын һатып алыуҙан ҡотҡарҙылар, тип яҙа «Российская газета». Был сара 5-20 мең һумды янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк. Сығымдарҙы үҙ өҫтөнә селтәр компаниялары һәм поставщиктар ала. Шәхси һәм күп ҡатлы йорттарҙа ниндәй счетчик ҡуйыуҙы улар үҙҙәре хәл итәсәк. Уларҙы хеҙмәтләндереү һәм тикшереү ҙә халыҡ иңендә булмаясаҡ. Һәр кем үҙ биләмәһендәге приборҙарҙың һаҡланыуын ғына күҙәтәсәк. Яңылыҡ бары электр энергияһын иҫәпләү приборҙарына ғына ҡағыла. Фото интернеттан Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Маҡан мәктәбе спорт залында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата ир-егеттәр араһында традицион бәйгеләр үтте. Һауа торошо шарттары боҙолоуына ҡарамаҫтан спорт ярыштарына килеүселәр әҙ булманы. Волейбол буйынса ярыштарҙа майҙансыҡта 3 команда көс һынашты. Матчтар һөҙөмтәләре буйынса ветерандар командаһы 1-се урын яуланы, 2-се урынды йәштәр командаһы алһа, студенттар командаһы 3-сө урынды биләне. Шулай уҡ теннис буйынса бәйге үтте, бында өс еңеүсе билдәләнде: 1-се урын – Геннадий Чистяков, 2-се урын – Иҙел Түләшев, 3-сө урын – Александр Чистяков. фото:Маҡан ауылы мәҙәниәт йорто Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Ғинуар аҙағында гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрселәрен, йәмәғәтселәрен үткән йыл йомғаҡтары, гәзиттең йәшәйеше менән таныштырыу, фекер алышыу маҡсатында редакцияға хәбәрселәр ҡорона йыйҙыҡ. Гәзиттең даими яҙышып тороусы тоғро дуҫтары күпселек ауылдарҙан булғанлыҡтан, көндөң матур булыуын да теләп торҙоҡ. Был көндөң алдағыларына ҡарағанда тыныс, йылы тороуы һәм үткер ҡәләмле дуҫтарыбыҙҙың башҡа ваҡыттағы менән сағыштырғанда күберәк килеүе һөйөндөрҙө. Шулай уҡ был йыйында район хакимиәтенән вәкил - социаль бүлек етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Насированың ҡатнашыуы ла ҙур мәртәбә булды. Гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева ҡорҙо асып, әүҙем хәбәрселәребеҙҙең гәзиткә тоғро булыуҙарын, иң олоһо тип һаналған авторыбыҙҙың да бындай сарала ҡатнашырға кәрәк тип табыуын хупланы, барыһына ла килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. - Гәзит редакцияһы алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәп килә. Һуңғы йылдарҙа хәбәрселәр штаты ла кәметелде. Элек дүрт журналист булһа, әле – ике. Шуға урындарҙағы хәбәрселәр беҙҙең ҙур көс булып тора, һеҙгә таянып эшләйбеҙ. Тираж буйынса планды үтәнек. Сайтыбыҙҙы, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙе үҫтерергә тырышабыҙ. Гәзиттең дизайнына ла үҙгәреш кереттек. Быйыл Еңеүҙең 75 йыллығы. Уны лайыҡлы яҡтыртыуҙа һеҙгә лә иҫәп тотабыҙ. Ошо маҡсатта “Бөйөк Еңеү хаҡы” тигән шиғри акция башланыҡ. Ҡатнашырға тырышығыҙ. 2020 йыл – Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Ул нисек бара, нимәләр эшләнә – шул хаҡта яҙырға мөмкин. 2021 йыл башы – гәзитебеҙгә 30 йыл тула. Уға әҙерлекте әленән башларға тейешбеҙ. Быйыл үҙебеҙгә финанс ярҙамы алыу өсөн грантҡа заявка ебәрҙек. “Ғафури ере – таланттар төйәге” тигән теманы һайланыҡ. Унда райондың таланттарын сағылдырырға, ҡул эше оҫталарын яҡтыртырға ниәтләйбеҙ, - тип һөйләп үтте Гөлдәр Барый ҡыҙы. Икенсе көн тәртибендә мөхәрририәт тарафынан “Табын” гәзитенең Нәжметдин Фәрхшатов исемендәге премияһының 2019 йылғы лауреаты тип билдәләнгән Ҡурғашлы ауылынан Хәсән Абдулла улы Ҡотовҡа махсус диплом һәм премия тапшырылды. Шулай уҡ тағы бер йолабыҙ: район тормошоноң төрлө өлкәләренән ҡаҙаныштары булғандарҙы “Афарин!” рубрикаһында “Йыл кешеләре” тип билдәләйбеҙ. 75 йыл бергә ғүмер иткән Хәфиҙә һәм Вилдан Шәриповтар, “Театр йылы” уңайынан Рәзилә Рәйес ҡыҙы Хәбибуллина, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы үҫтереүгә һәм һаҡлауға етди ҡараған Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллина, районыбыҙҙың бик күп ауылдары тураһында мәғлүмәт туплаған Һаҙый Исмәғил улы Юлмөхәмәтов, алдынғы йәш механизатор Сергей Владимирович Михайлов “Йыл кешеһе - 2019” тип билдәләнеп, тантаналы шарттарҙа улар махсус грамоталар менән бүләкләнде. Юбилярҙарыбыҙ - Яңғыҙҡайын ауылынан Иҙрис Сафа улы Вәлишин - 95 йәше, Һабай ауылынан Рәсүл Солтангәрәй улы Басиров 80 йәшлек юбилейҙары уңайынан ҡотлап үтелде. “Коллектив менән “Табын”ға” конкурсында әүҙем ҡатнашҡан ойошмаларҙың был сарала булған вәкилдәренә махсус эшләтелгән календарҙар тапшырылды. Район хакимиәте вәкиле Эльвира Нурислам ҡыҙы үткән йылда районда бик күп саралар үткәрелеүе тураһында һөйләп үтте. Шул йәһәттән йыл аҙағында “Башҡортостандың 100 йыллығына – Ғафури районының 100 шәхесе” сараһы үткәрелеүе, артабан китап әҙерләргә йыйыныуҙарын да аңлатты. Быйылғы йыл илебеҙҙә Хәтер һәм Дан йылы тип тип иғлан ителеп, ошо маҡсатта “Еңеү” фестивале 31 ғинуарҙа Сәйетбабала башланыуын, республикала Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы булғанлыҡтан йорт-ихаталарыбыҙҙы таҙа һәм төҙөк тотоу, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан 2020 йылдың “Башҡорт теле йылы” тип иғлан ителеүе, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эше тороуы, Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан районға делегаттар килеүе көтөлөүе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште. Йыйын фекер алышыуҙарға ла бай булды. Рәсүл Басиров гәзиттең тиражы кәмеүгә тәьҫир итеүсе бик күп факторҙар, йома көн бер бит тултырып телевидение программаһын биреүгә ҡаршы булыуын, милли асылыбыҙ тураһында, Вилдан Шәрипов гәзиттең йөҙө үҙгәреш кисереүен хуплап, шулай уҡ Фәүзиә Ҡотлогилдина, Зилә Сәйетбатталова, Вәсимә Мөхәрмәтова, Флүрә Хәлилова, Фәрғәт Ғәлин, Рим Насиров үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр, донъяуи хәлдәр тураһында һөйләп үттеләр. Хәбәрселәр ҡороноң сираттағыһы йышыраҡ осрашып торорға кәрәк, тигән тәҡдимдәр менән тамамланды. Бергә һөйләшеп, фекерләшеп алыу ҙа һәр беребеҙҙе илһамландырып, уйландырып, ҡулға ҡәләм алырға әйҙәй. Һәр саҡ шулай бергә булайыҡ, гәзиттең тоғро дуҫтары. Әлфиә ВӘЛИЕВА. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең яңы системаһы үҙ көсөнә инде. Ул тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан арындырып экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, күп һанлы санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү, яңыларының барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау, сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм икенсел эшкәртеү ифраструктураһын үҫтереү маҡсатында алып барыла. Мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының ни бары 9 проценты ғына икенсе тапҡыр файҙаланыла. Ә 90 проценты тирә-яҡты ҡотһоҙлап, йәмһеҙләп ята. Йылына йәмғеһе 40 млн тонна самаһы көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыла. Уның 1,5 – 2 млн тоннаһын һаулыҡҡа ғына түгел, ғүмеребеҙгә лә хәүеф тыуҙырған полимер һауыттар тәшкил итә. Белгестәр әйтеүенсә, синтетик һауыттарҙы даими ҡулланыу иммунитетты һәм кешеләрҙең һаулығын ҡаҡшата. Тап шуға ла бөгөн ғалимдарҙың саң һуғыуы аңлашыла – был юҫыҡта бер сара ла күрмәһәк, химик ҡалдыҡтарҙың көнләп үҫеүе тәбиғәттең үтә бысраныуына һәм кешелектең һәләк булыуына килтереүе ихтимал. Йәнә “файҙалы ҡалдыҡтар” тигән төшөнсә лә йәшәй. Уларға пластик, ҡағыҙ, ҡатырға, алюмин һәм быяла һауыттар инә. Белгестәр быларҙың барыһын да эшкәртеп, ҡабаттан файҙаланырға мөмкин булыуын раҫлай. Шуға ла төбәк операторҙары ҡалдыҡтарҙы йыйып, айырып икенсел эшкәртеү менән дә шөғөлләнә. Әйткәндәй, донъяла ҡалдыҡтарҙы юҡ итеүҙең өс төрө бар – яндырыу, ергә күмеү, ҡабаттан эшкәртеү. Үртәү, әлбиттә, ҡыйбатҡа төшә, сөнки үҫешкән бер илдә лә ҡалдыҡтарҙы айырмайынса яҡмайҙар. Икенсенән, көнкүреш ҡалдыҡтарының өстән ике өлөшөн бөтөнләй үртәргә ярамай. Европа тикшереүселәре билдәләүенсә, сүп яндырған заводтар эргәһендә йәшәгәндәрҙең үпкә рагы норманан 3,5 тапҡырға күберәк күҙәтелгән. Ғәрип тыуған балаларҙың да саманан тыш күп булыуы теркәлгән. Бөтә донъяла ҡалдыҡтар менән эшләү табышлы шөғөл. Мәҫәлән, һуңғы 15 йылда АҠШ-та 78 заводты япҡандар. Уларҙың урынына көнкүреш ҡалдыҡтарын тулыһынса ҡалдыҡһыҙ эшкәртеү технологиялары барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, илдә ошондай ресурстарҙан милли табыштың 20 проценты самаһы йыйыла. Совет осоронда беҙҙә лә иҫке ҡағыҙҙарҙы, быяла һауыттарҙы йыйыуға етди иғтибар бирелһә, ил тарҡалыу менән был шөғөл юҡҡа сыҡты тиерлек. Хәҙер тап ошо йүнәлештә эшләү йәһәтенән федераль закондар ҡабул ителде. Әлбиттә, тәүге һөҙөмтәләр бар. 2017 йылдан төҫлө һәм ҡара металл кеүек икенсел ресурстарҙы ергә күмеү тыйыла. Быйыл был исемлеккә йәнә ҡағыҙ, термопластика, полиэтилен өҫтәлде. Әлегә уларҙы йыйыу системаһы көйләнә. Сүп-сарҙы айырып йыйыу бу-йынса сит илдәрҙең тәжрибәһе өйрәнелгән. Мәҫәлән, Германияла халыҡтың сүпте айырым йыйыуҙың мөһимлеген аңлауы өсөн тиҫтә йылдар үткән һәм бөгөн бындағы эш алымына һоҡланмау мөмкин түгел. Закон һәм тейешле хоҡуҡи акттарҙың ҡабул ителеүе – ҙур эштең башланғысы ғына. Был эшкә райондар, ҡалалар һәм барлыҡ республика халҡының әүҙем ҡушылыуы кәрәк. Йәшәгән еребеҙҙең матурлығы, һау-сәләмәт киләсәк быуын тәрбиәләү барыбыҙ өсөн дә мөһим бит. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Һөйөнсө! Изгелек акцияһы – "Йәншишмә"гә яҙылыу эстафетаһы июнь айы аҙағына тиклем дауам итәсәк. "Йәншишмә"беҙгә 90 йәш тулған йылды элекке йәш хәбәрселәрҙе йыйып, барлап алыу һәйбәт инде. Кем ҡайһы тарафтарҙа икән? Әле бүләк-гәзитебеҙ – Баймаҡҡа китә! Элекке йәш хәбәрсебеҙ, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы Ханнанова "Йәншишмә" гәзите яҙҙыртты. Афарин! Ул яҙҙыртҡан гәзитте Аҡморон ауылында йәшәүсе күп балалы Ҡасаевтар ғаиләһе уҡып ҡыуанасаҡ! Бик хуп! Зөлфиә Миңдебай ҡыҙына рәхмәт! Артабан эстафетаны шулай уҡ элекке йәш хәбәрсебеҙ Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлихова ҡабул итте. Сылбыр дауам итә. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ! Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем баш ҡалабыҙҙағы Еңеү паркын төҙөкләндереү мөһим. Өфө буйлап эш сәфәрендә йөрөгәндә мегаполис хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин паркты ла ҡарап сыҡты. Һәм уны яңыртыу эшен тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем баш ҡалабыҙҙағы Еңеү паркын төҙөкләндереү мөһим. Өфө буйлап эш сәфәрендә йөрөгәндә мегаполис хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин паркты ла ҡарап сыҡты. Һәм уны яңыртыу эшен тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр бирҙе. Еңеү паркы баш ҡалабыҙҙың төнъяғында урынлашҡан. Гүзәл тәбиғәтле, һил ял итеү сығанағы булараҡ, ҡала халҡының иң яратҡан урындарының береһе булып иҫәпләнә. Парк территорияһын яҡтыртыу системаһын алмаштырыу, Республика Хәрби дан музейы янындағы, тағы унда илтеүсе юлдарҙы яңыртыу – төп бурыстарҙың береһе. Парк эсендә күрһәткестәр ҡуйып сығыу иһә кешеләргә өҫтәмә уңайлылыҡ тыуҙырырға булышлыҡ итергә тейеш. Балаларға уйын, спорт майҙансыҡтары төҙөү, А.Матросов менән М.Ғөбәйҙуллин һәйкәле янынан төшкән ерҙә, һаулыҡтары сикле граждандарҙың уңайлылығын хәстәрләп, пандустар һәм тотҡостар эшләү ҙә мөһим, тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы. Төҙөкләндереү эштәре Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләү саралары башланғансы тамамланырға тейеш. Был турала ҡала хакимиәте сайты хәбәр итә.
Ермолаеволағы «Рамаҙан» мәсетендә эскеселек, ялған араҡы һатыусыларға көрәш темаһы буйынса район имамдарының форумы уҙҙы. Был сарала 15-ләп дин әһеле ҡатнашты. Ермолаеволағы «Рамаҙан» мәсетендә эскеселек, ялған араҡы һатыусыларға көрәш темаһы буйынса район имамдарының форумы уҙҙы. Был сарала 15-ләп дин әһеле ҡатнашты. Форумды асып, «Рамаҙан» мәсетенең имам-хатибы Азат хәҙрәт Хәлилов эскелектең нимәгә килтереүе хаҡында һөйләп үтте һәм был турала фәһемле видеофильм да күрһәтте. - Эскелеккә, ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш башларға тейешбеҙ. Был турала Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ялҡынлы телмәр менән сығыш яһаны. Ҡайҙа ялған араҡы, көмөшкә һатыусылар тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, - тине ул. Уның һүҙҙәрен дауам итеп, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова: - Хөрмәтле имамдар, һеҙ район хакимиәтенең һәм ауыл советы хакимиәтенең ҙур ярҙамсылары, уң ҡулы. Бала донъяға ауаз һалғас, исем ҡушыусылар ҙа, кеше мәрхүм булғас, уларға йыназа ҡылыусылар ҙа һеҙ. Һеҙ — ауылда иң мөһим кешеләр, халыҡ алдында абруйығыҙ ҙур. Эсеү менән күп мауыҡҡан кешеләрҙе лә ситкә типмәй, уларҙы Ҡөрьән аштарына, вәғәз уҡыған саҡта саҡырығыҙ. Бәлки, улар һеҙҙең ошо вәғәздәрегеҙҙе тыңлап, тура юлға баҫырҙар. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙа ғына вәғәз уҡып ҡалмағыҙ, гәзит аша ла халыҡҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ошо көндән алып, һәр бер имам-хатибтың вәғәз формаһындағы сығышы гәзит биттәрендә донъя күрһә ине. Халыҡ менән аралашыуҙы шундай юҫыҡта ла башҡарыу яҡшы һөҙөмтә бирер, тип ышанам, - тине. Шулай уҡ ул мәсеттә төрлө тыйылған әҙәбиәт һаҡларға кәрәкмәгәнлеге хаҡында иҫкәртте. Комиссияның тикшереүе, былтыр районда бындай 2 осраҡ теркәлеүе хаҡында ла әйтте, иғтибарлы булырға саҡырҙы. Сит кешеләр күренһә, шунда уҡ ФСБ-ға хәбәр итергә кәрәклеге хаҡында ла хәтергә төшөрҙө. - Ҡайһы бер ауылдарҙа 3-4 кеше йыйыла ла, беҙгә мәсет кәрәк, тип зыҡ ҡуба. Шәхси ер участогында мәсет төҙөү ҡәтғи тыйыла. Был турала оноторға ярамай. Шәхси мәсеттәр булырға тейеш түгел. Шулай уҡ беҙгә мәсет кәрәк, тип әйтер алдынан: «Был мәсеткә йөрөүсе булырмы? Уны хеҙмәтләндерергә хәлебеҙҙән килерме?» - тигән мәсьәлә хаҡында ла уйланырға кәрәк. Мәсет төҙөр өсөн 3-4 млн һум самаһы сығым талап ителә. Уны төҙөп ҡуйғас та, ай һайын төрлө түләүҙәрен түләп барыр кәрәк. Ҙур мәсеткә нимә кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк. Беҙҙә барлыҡ түләүҙәр хәйер аҡсаһынан түләнә. Бына Илкәнәй мәсете 2006 йылдан алып төҙөлөп бөтә алмай. Бында халыҡ йөрөмәй ҙә, ярҙам да итмәй. Районда әлеге көндә ике ауылдың рәсми имамы юҡ, - тип дауам итте һүҙен Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы. Имам-хатибтар сүп-сар өсөн түләү мәсьәләһенә лә ҡағылып: «Мәсеттә ниндәй сүп булһын ул», - тип шаулашып алдылар. Абдул мәсете имам-хатибы Илдар Усманов: - Балалар баҡсаһында кескәйҙәргә ғаилә тураһында рәсем төшөрөргә ҡушҡас, уларҙың күптәре һүрәттәрендә табын уртаһына шешә ултыртып ҡуйған, - тип башланы һүҙен. - Ике ҡуянды бер юлы тотоусылар күбәйеп китте: никах уҡыталар ҙа, мулла сығып китеү менән, шунда уҡ өҫтәлгә шешә килеп ҡунаҡлай. Был бит дөрөҫ түгел. Шунан күп тә үтмәй, балалары ни өсөн айырылышҡанын да белә алмай, ата-әсәләр аптырай башлай. Ауылда кемдәрҙең ялған араҡы һатҡанын мин белеп йөрөйөм, әлбиттә. Әммә уларға барып был турала әйтһәм, мин үҙем дурак булып ҡаласаҡмын. Бындай кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙең күҙҙәре һуҡыр, ҡолаҡтары һаңғырау. Улар Аллаһы Тәғәлә үҙенең язаһын ебәрер, тип уйламайҙар. Ундайҙарға беҙ генә тәьҫир итә алмаҫбыҙ, власть ҡаты закон сығарһын ине. Бәлки, берәрен ултыртып ҡуйһалар, башҡалары ла туҡтар. Беҙгә райондың йәштәр бүлеге менән бергә эшләргә кәрәк. Уның был һүҙҙәренән һуң залдағылар: - Штрафты күберәк сәпәр кәрәк ундайҙарға. Беҙҙең вәғәзде тыңлайҙар ҙа, шунда уҡ оноталар улар. Коммунистар ваҡытында халыҡ тәртипле булды, теләһә ниндәй араҡы һатыусылар булманы бер ҙә. Хәҙер полицияны саҡыртһаң, беҙ нимә эшләй алабыҙ, тиҙәр ҙә китәләр, - тигән фекерҙәрен әйтте. Азат хәҙрәт: - Бына Яҡуп ауылында ғына 3 магазин бар. Ул магазиндарҙың берәүһенең хужаһы кис көнө өйөнән араҡы һатып булыша. Аллаға шөкөр, йәштәребеҙ аҡыллы хәҙер. Улар, эсеү хәҙер модала түгел, ти. Шуныһы ҡыуандыра, - тип өҫтәне. Мәмбәтҡол ауылы имам-хатибы сығып: - Күп һүҙ — буш һүҙ. Күп һөйләргә түгел, ә ғәмәл ҡылырға кәрәк. Эскелек ғаиләнән башлана. Беҙҙең Мәмбәтҡол бәләкәй генә, әммә 3-4 йортта ошондай ялған араҡы һаталар. Элек беҙ беләгебеҙгә повязка тағып, участковыйға ярҙам итеп йөрөй торғайныҡ. Участковыйҙарҙы ла танып белә торғайныҡ. Улар ат менән елдереп килеп етәләр ине. Хәҙергеләр машинала йөрөй, әммә уларҙы күргән дә юҡ. Үҙебеҙҙең участковыйҙы танымайым да мин, әллә күпме алышындылар. Имамдарға ғына таянып эш итеп булмай. Беҙ сыщик түгел, ә Дин кешеләре, вәғәз һөйләйбеҙ. Бына яңыраҡ «Юшатыр» гәзитендә Америкала йәшәгән яҡташыбыҙ тураһында яҙҙылар. Ситтә йәшәһә лә, ул динде онотмай, намаҙ уҡый, балаларына ла шундай тәрбиә бирә. Һоҡланғыс бит. Әйҙәгеҙ күмәкләшеп йыйылып, һәр ауылда халыҡты йыйып, үҙебеҙҙең вәғәздәрҙе еткерәйек, - тигән тәҡдимдәрен индерҙе. Яҡуп ауылы муллаһы Рамаҙан хәҙрәт Хәлилов: - Вәғәз-нәсихәттәребеҙҙе гел генә әйтеп торайыҡ. Ул ҡасан да булһа, барыбер кешенең аңына барып етер, дөрөҫ юлға баҫтырыр, - тине. Шулай уҡ Тимербай, Зәк-Ишмәт имамдары ла ҡыҙыу ғына телмәр тотто был сарала. Имам-хатиптар район мәсеттәренең Күмертауға буйһоноуы, ҡала һәр эштә гел генә аяҡ салыуы хаҡында ла әйтмәй ҡалманы. Күмертау мәсетенә барһаң, ул һәр саҡ тиерлек бикле тора. Хатта, унда өйлә намаҙын уҡырға ла керә алмайбыҙ, ҡыш көнө булһа ла, мәсет янында, тышта намаҙ уҡырға тура килә. Унда дини уҡыуҙар ҙа үткәрелмәй. Дин әһелен берәй ергә саҡырһаң да килмәй, тәккәберләнә, артабан да былай йәшәп булмай, берәй сараһын күрергә кәрәк, тигән Күмертау мәсете менән ризаһыҙлыҡтарын белдерҙеләр. Шулай итеп, форум эскелеккә, ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш темаһына арналһа ла, бында башҡа бик күп кенә проблемалар тураһында ҡыҙыу әңгәмә барҙы. Бәлки, район имамдарына ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойоштороп торорға кәрәктер? Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
«Шишмәкәй» балалар баҡсаһы мөдире Елена Балыкина, тәрбиәселәр кескәйҙәрҙең ижади һәләтен асыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Бәләкәстәр, ҡасан ғына атай-әсәйем килеп алыр, тип бошоноп ултырмай, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Берәүҙәр фортепьяно көйҙәренә ҡушылып, йыр башҡарһа, икенселәр спорт дәрестәрендә сәләмәтлектәрен нығыта, кемдәрҙер һандар, һүҙҙәр иленә сәйәхәт ҡыла, билдәле яҡташтарын, ер-һыу атамаларын барлай. «Шишмәкәй» балалар баҡсаһы мөдире Елена Балыкина, тәрбиәселәр кескәйҙәрҙең ижади һәләтен асыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Бәләкәстәр, ҡасан ғына атай-әсәйем килеп алыр, тип бошоноп ултырмай, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Берәүҙәр фортепьяно көйҙәренә ҡушылып, йыр башҡарһа, икенселәр спорт дәрестәрендә сәләмәтлектәрен нығыта, кемдәрҙер һандар, һүҙҙәр иленә сәйәхәт ҡыла, билдәле яҡташтарын, ер-һыу атамаларын барлай. Үткәрелгән һәр сарала ата-әсәләр ҙә бик теләп ҡатнаша. Урыҫ, башҡорт халыҡтарынан байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү яҡшы ойошторолған. Бында туҡландырыу ҙа сифатлы. Балалар баҡсаһынан бейеккә ҡыйыу үрмәләр ҡошсоҡтар осоп сыҡһын. Сафлыҡ бөркөр, рухты һуғарыусы «Шишмәкәй»ебеҙ урғылыуҙан туҡтамаһын. Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА, Рәсәй, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Белорет ҡалаһы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
15 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында онлайн тәртибендә "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" асыҡ академияһы уҙғарыла. "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - республикабыҙҙағы гүзәл заттарҙың ижади һәм социаль һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн берләшмә булдырыуға йүнәлтелгән хәйриә проекты. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ошо проект аша үҙҙәренең һәләттәрен аса, яңы эш алымдары таба һәм ғаиләһенең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Мең төрлө сырхауҙарға дауа тапҡан, үлем менән көрәшкәндәрҙә өмөт уята алған, күпме кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған шәфҡәт эйәләрен “аҡ халатлы фәрештәләр” тибеҙ. Тик был аҡлыҡ артында күпме тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеүҙәр, борсолоу, йоҡоһоҙ төндәр... Ысынлап та, мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, йылы һүҙле врачтарҙы күрәбеҙ ҙә, “Бына был ысын табип!” - тибеҙ. Венера Ҡурманова нәҡ шундайҙар иҫәбендә. Мөләйем, алсаҡ, үҙ эшенең оҫтаһы һәр береһенә иғтибарын йәлләмәй. Мең төрлө сырхауҙарға дауа тапҡан, үлем менән көрәшкәндәрҙә өмөт уята алған, күпме кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған шәфҡәт эйәләрен “аҡ халатлы фәрештәләр” тибеҙ. Тик был аҡлыҡ артында күпме тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеүҙәр, борсолоу, йоҡоһоҙ төндәр... Ысынлап та, мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, йылы һүҙле врачтарҙы күрәбеҙ ҙә, “Бына был ысын табип!” - тибеҙ. Венера Ҡурманова нәҡ шундайҙар иҫәбендә. Мөләйем, алсаҡ, үҙ эшенең оҫтаһы һәр береһенә иғтибарын йәлләмәй. Ул Ейәнсура районы Ҡужанаҡ ауылында Айһылыу һәм Фәтих Әшировтар ғаиләһендә беренсе бала булып тыуған. Бәләкәйҙән врач булыу хыялы менән йәшәй. Урта мәктәпте тамамлағас, күңел талабы буйынса Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһына медицина училищеһына медсестра һөнәре буйынса уҡырға инә. Хеҙмәт юлын шул яҡтағы бер бәләкәй ауылда башлай ул. Ауылда медсестра халыҡтың ғаилә докторы ла бит ул, сөнки бөтә пациентарын тыуғандан алып ҡарай. Тормош елдәре Мәләүез районына алып килә уны. Белемен арттырыу маҡсаты менән Өфө медицина колледжында фельдшер-акушер һөнәрен үҙләштерә. Бөгөн Венера Фәтих ҡыҙы Тамъян һәм Ташлыкул ауылдары халҡының сәләмәтлеген һаҡлауға бөтә һәләтен, оҫталығын, белемен бирә. Ике ауылдың меңгә яҡын кешеһен хеҙмәтләндерә. Ауырыуҙар менән уртаҡ тел табыу, уларҙы аңлап, тәндәренә сихәт кенә бирмәй, йәндәренә лә шифа бирә Венера Ҡурманова. Уға иғтибарлы тыңлаусы ла булырға тура килә, сөнки бында килгән кешеләр шатлыҡтары һәм борсоған һорауҙары менән дә уртаҡлаша. Ауылға килеп эшләгән өсөн “Земский фельдшер” милли проекты буйынса аҡсалата ярҙам биргәндәр уға. “Ауылдарҙа яңы йорттар бәшмәк кеүек ҡалҡып сыға. Халыҡ бында тырышып, сәмләнеп донъя көтә. Ҡаланан йөрөп эшләһәм дә, бер ауырлығын тоймайым, бик тә ҡәнәғәтмен, 30 йыл ғүмерем ошо өлкәлә һиҙелмәй ҙә уҙған. Минең өсөн иң мөһиме - ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда алдан киҫәтеү. Бының өсөн ваҡытында диспансеризация үтеү мотлаҡ”, - ти Венера Фәтих ҡыҙы. Изге күңелле ханымдың тормош биҙәге, йәшәү мәғәнәһе өс ҡыҙы бар. Олоһо Нурсилә - юғары белемле инженер, тормошҡа сығып Мәскәүҙә донъя көтә. Әсәһе юлын һайлаған Гөлнара медицина университетының 4-се курс студенты, янында ярҙамсыһы бәләкәс ҡыҙы Юлиә - К.Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусыһы. Әсәһенең эштән ҡайтҡанын көтөп ала ул. Тыуған ауылы йыраҡ тип тормай, һәр ял һайын олоғайған атай-әсәһенең хәлен белергә юллана улар. Шулай, һәр кеше - үҙе бер донъя. Тәбиғәте менән барыһынан да ҡәнәғәт була белгән Венера Ҡурманова ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй. Уға башҡаларға үҙе бүләк иткән сәләмәтлек, еңел булмаған эшендә уңыштар юлдаш булһын.
Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта республиканың ЗАГС бүлектәренә был көндә никах теркәү тураһында 362 ғариза бирелгән Шуның 99-ы – Өфөлә. Өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн ошондай көндәрҙе алдан һайлай, матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышана. Өҫтәүенә уларҙы хәтерҙә ҡалдырыуы еңелерәк. Ләкин психологтар календарь даталарына түгел, ә бер-береңдең хис-тойғоларына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирә, сөнки бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙе — мөхәббәт, ихтирам, түҙемлек. Шуға ҡарамаҫтан, ЗАГС-тар был көндә лә, унан һуң килгән шәмбелә – 2020 йылдың 22 февралендә өйләнешергә теләүселәрҙе теркәргә әҙерләнә, тип бәйән ителә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сәхифәһендә. Шулай уҡ быйыл 20.03.20, 20.05.20, 20.06.20 даталары ла никахҡа инеү өсөн өсөн популяр булыр тип көтөлә. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Тарихҡа күҙ һалһаң, Татарстан Республикаһының Иҫке Һөйөндөк ауылынан бер нисә ғаилә Ыҡ йылғаһы буйындағы тау итәгенә күсеп ултыра Тарихҡа күҙ һалһаң, Татарстан Республикаһының Иҫке Һөйөндөк ауылынан бер нисә ғаилә Ыҡ йылғаһы буйындағы тау итәгенә күсеп ултыра. Йорттар һалыу өсөн уларға урман киҫергә, көтөүлектәр өсөн болондарҙы үҙләштерергә, күперҙәр һәм юлдар булдырырға, Һөйөндөк исемендәге ауылға нигеҙ һалырға тура килә. Йылдар үтеү менән, ауыл йәмләнә, кешеләрҙең күп нәҫеле өсөн яҡын һәм тыуған ергә әйләнә. Егерме йыл элек, 80 йыллыҡ юбилейға йыйылғас, халыҡ ауылдың 100 йыллығын ҙурлап үткәрергә килеште. Байрамға әҙерлекте иртә яҙҙан башланыҡ. Юбилей уңайынан бик күп игелекле эштәр башҡарылды. Иҫке мәсет урынында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар иҫтәлегенә таҡтаташ урынлаштырылды. Һәйкәлгә аҡсаны халыҡ йыйҙы. Әммә ул ғына етмәне, район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек, һәм “Беҙҙең ауыл” проекты сиктәрендә изге эшкә аҡса бүлделәр. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Һөйөндөк ауылының Изге шишмәһенә 100 йылдан артыҡ. Шифалы һыуға тип тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Әммә ваҡыт үтеү менән, шишмә ҡороно. Ауылдаштар инициативаһы менән шишмәне тергеҙҙек, нығыттыҡ, эргәһенә сәскәләр ултырттыҡ. “Реаль эштәр” проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә шишмә ҡабат сылтырап аға башланы. Ауыл старостаһы Илдар Фәрхетдинов ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алды. Ауыл йәштәре өмәләрҙә һәм төҙөкләндереү эштәрендә лә әүҙем булды. Ауылдашыбыҙ Нәсих Сәләхов шәмбе өмәләрендә ҡатнашыу өсөн Аҙнаҡай ҡалаһынан отпуск алып ҡайтты. Мәғсүм Вәлиев, Амур Тимерғәлиев, Радик Сәйетов, Рәмил Харрасов һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтте, ә Илдар Саниев, Минзәир Аҡмалов үҙ техникаларын үҙҙәре заправкалап, бөтә транспорт эштәрен башҡарҙы. Илсур Сәләхов, Фәтхетдиновтар ғаиләһе, Радик Ғәйнаншин һәм башҡалар ауылды төҙөкләндереү эшенә ҙур өлөш индерҙе. Уларға ҙур рәхмәт! Был сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күп көс һалған Урманай ауыл биләмәһе башлығы Зөмәрә Зөбәйер ҡыҙы Хәлисоваға айырым рәхмәт. Район хакимиәтенә лә һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Юбилей көндө һыу үткәргесте асыу тантанаһы булды. Таҡтаташ асыу – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм ҡатнашыусыларҙы иҫкә алырға меңдән ар-тыҡ кеше йыйылды. Артабан ваҡиға майҙанда дауам итте. Байрамды рәсми асыу ауыл биләмәһе башлығы З. Хәлисованың сығышынан башланды. Район етәкселеге исеменән Ф. Хәйбрахманов йылы сәләмләне һәм ҡотланы. Юбилейға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән: Өфө, Ырымбур, Түбән Кама, Яр Саллы, Аҙнаҡай, Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан һәм башҡа ерҙәрҙән ҡайтҡандар. Һәр кемгә лә яҡшы кәйеф бүләк иткән яҡташтарыбыҙ Резида Хәсәншина, Гөл-наз Кашаева, “Нур” театры артистары сығыштарын ҡунаҡтар яратып ҡараны. Аралашыуҙан алған тәьҫораттар, баш-ҡарылған эштәр өсөн шатланыу, ҡәнәғәтлек хисе барыһын да берләштерҙе. Тантананан алған тойғолар оҙаҡ һаҡланыр. Был сара яҡшы эштәр һәм яңы үрҙәр өсөн баҫҡыс, ауылдың артабанғы үҫешенә бер аҙым булһын ине. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
“Таврида” Бөтә Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең төбәк арт-резиденциялары проекттарын яҡлау конкурсы булды. 28 августа “Таврида” Бөтә Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең төбәк арт-резиденциялары проекттарын яҡлау конкурсы булды. Ул ике этапта уҙҙы. Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ белгестәре, шулай уҡ саҡырылған эксперттар алдында онлайн-трансляция режимында сығыш яһау ойошторолдо. Конкурста илдең 14 төбәге ҡатнашты, шуларҙың бишеһе грант алыуға өлгәште. Улар араһында Башҡортостан да бар. Отҡан грант аҡсалары (7,5 миллион һум) төбәктә ижади киңлектәрҙе үҫтереүгә тотоноласаҡ. Республикабыҙ командаһы әҙерләгән проектты урындағы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов тәҡдим итте, сығышының һуңында ул ҡумыҙҙа ла уйнап ишеттерҙе. “Арт-Квадрат” ҡала үҙәге майҙансығында “Урам театры һәм башҡарыу сәнғәтендә махсуслашҡан мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү үҙәге” тигән проектҡа өс йүнәлеш индерелгән: “Арт-Академияһы” уҙғарыу, “Matur” multi-лабораторияһы булдырыу һәм “Арт-Квадрат” мобиль ҡушымтаһы эшләү. “Арт резиденция” – Өфөнөң ижади йәштәрен йыйған майҙансыҡ. Баш ҡалала үҙәк урам театр һәм башҡарыу сәнғәтендә махсуслашҡан буласаҡ, был киләсәктә Өфөгә төбәк-ара кимәлгә сығырға, талантлы һәм креатив йәштәрҙе йәлеп итеү үҙәгенә әйләнергә ярҙам итәсәк”, - тип билдәләй арт-резиденция авторҙарының береһе Вито Сабиров. Фото: “Башинформ". Автор: Миләүшә Сайтакова https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Bash-ortostan-a--7-5-million-um-431963/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Илһөйәрлек рухы һүҙҙәрендә генә түгел, йәшәйештәрендә сағылған дан ғаиләләр бар. Шундайҙарҙың береһе ул Самаҙы ауылында йәшәгән Байгилдиндар. Илһөйәрлек рухы һүҙҙәрендә генә түгел, йәшәйештәрендә сағылған дан ғаиләләр бар. Самаҙы ауылы хеҙмәт ветерандары Мәрфүзә һәм Ҡасим Байгилдиндарҙың дүрт улы ла тыуған ауылында төпләнгән, беҙ уларҙың өсөнсө улдары Баязит йортонда туҡталдыҡ. Бер тирәлә көн күреүҙең ыңғай яҡтары бихисап, егеттәр бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыл эштәрен күмәк көс менән атҡарып сыға, килендәштәр үҙ-ара килешеп йәшәй. Миңсара һәм Баязит Байгилдиндар иһә ихлас аралаша белеүҙәре, ҡунаҡсыллыҡтары, уңғанлыҡтары, тормоштоң һәр хәл-торошонан тик ыңғай яҡтар күрә белеүҙәре, тормош яратыуҙары менән һәр кешенең күңелен яулай. Йорттары ла бында ысын хужалар йәшәүен раҫлап, йылы, ҡотло, йәмле. Бындай ырыҫлы ояны барлыҡҡа килтереү бер-береһен аңлап йәшәгән хужа менән хужабикәгә еңелдән килмәгән. Шулай ҙа зарланыу, һуҡраныу уларға хас ғәҙәт түгел. – Биш йәшемдә генә әсәйһеҙ, ғөмүмән, әсәй-атай наҙынан иртә ҡалһам да, артабанғы тормошомда, әлеге көндә үҙемде бәхетле һанайым, ышаныслы тормош юлдашым, аҡыллы балаларым, бөртөкләп йыйған донъябыҙ, яратҡан эшебеҙ, яҡшы ауылдаштарыбыҙ бар, – ти Миңсара. Байгилдиндар менән хужабикәнең бер туған һеңлеһе, бала саҡтан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән Сәлимә егерме өс йыл бергә йәшәй. Баязит Ватан алдындағы һалдатлыҡ бурысын үтәгәндән һуң хужалыҡ тарҡалғансы урындағы “Дружба” колхозында механизатор булып, Миңсара төрлө эштәрҙә эшләй. 1992 йылда ике йәш йөрәк законлы никахҡа тора, туй үткәрә. 1998 йылдан ҡулы аш-һыуға оҫта ҡатын мәктәптә ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын дауам итә, әле лә балаларҙы яғымлы йөҙө, тәмле һыйы менән ҡыуандыра. Баязит быйылға тиклем газ ҡаҙанлығы операторы булған. Байгилдиндарҙың икеһе лә ныҡ тырыш, үҙҙәренең өс улын мохтажһыҙлыҡта уҡытыу өсөн бар көстәрен һалалар. Баязит тракторы менән йылдың һәр миҙгелендә кәсеп итә, йәй буйына өс һыйырҙың һөтөн тапшырып, яҡшы ғына килем алып торғандар, хужабикә айына ике шәл бәйләп өлгөртөп тора, уны һатыу ҙа ғаилә янсығына тос өлөш булып ята. Мал-тыуарҙы, картуфлыҡты, баҡсаны йылдан-йыл арттыра баралар. Атай-әсәйҙәр һәр дәүерҙә балаларын уҡытырға, һөнәр алырға өндәргә ынтылған. Байгилдиндарҙың улдары тәртипле һәм уҡымышлы. Фидәил автотехникумды тамамлап, Мәскәүҙә эшләй, Ирәндек авиация университетының бишенсе курсында уҡый, Нургиз – аграр колледж курсанты. Ауыл ерендә мул тормошта йәшәү өсөн көндәлек түҙемлелек, зирәклек, егәрлелек, тапҡаныңды әрәм-шәрәм итмәү кәрәк. Балаларҙа ата-әсәнең донъя көтөүендә әүҙем ҡатнашып, үҙ аллы тормош көтөүгә яҡшы әҙерлекле булып үҫә. Өмбәт ҡыҙы Миңсара менән Самаҙы егете Баязиттың да һәр атҡан таңы хеҙмәттән башлана, афарин. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Юлда ут ҡайтартҡыс жилетлы аттар, һыйырҙар күҙегеҙгә күренһә, аптырап ҡалмағыҙ. Бындай осраҡта тормозға баҫып өлгөргәндәр күлдәктә тыуғандар рәтендә. Юлда ут ҡайтартҡыс жилетлы аттар, һыйырҙар күҙегеҙгә күренһә, аптырап ҡалмағыҙ. Бындай осраҡта тормозға баҫып өлгөргәндәр күлдәктә тыуғандар рәтендә. Оҙаҡламай, ысынлап та, малға махсус кейем уйлап табыуҙары бар. Тик бына малына хужа була алмағандарҙы үҙгәртерме икән был? Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев аттарға ут ҡайтарғыс таҫмалар беркетергә кәңәш иткән. Бындай аҙымдарға барырһың да шул, сөнки көтөүҙәр таралған көҙгө осорҙа юлдарҙа машиналарҙың мал бәрҙертеү осраҡтары бермә бер артты. Беҙҙең районда ла бындай күңелһеҙ хәлдәр булды.Үҙ ирке менән йөрөгән малдарҙың сәсеүлектәрҙе иҙеүе бер проблема булһа, юлдарҙағы фажиғәләр ниндәйҙер ҡаты саралар күреүҙе талап итә. Фото: Фәнис Әминев, Vk Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәре – уның ғорурлығы, намыҫы һәм даны. 1930 йылдың 2 авгусында Воронеж эргәһендә донъяла беренсе тапҡыр парашют менән 12 кеше ырғый. Десант “Фарман-Голиаф” самолетынан төшөрөлә. Был көн Ҡыҙыл Армияның һауа-десант көстәре тыуған көн булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Һулдан уңға: Фаиз Искәндәров, Рәсим Ҡлысбаев. Бөйөк Ватан һуғышында һауа-десант ғәскәрҙәре яугирҙары ҡыйыу һуғышҡан. Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Леонид Крючков һауа-десант көстәре составында һуғыш юлы үткән 28 десантсы-мәсетле тураһында материалдар һәм фотографиялар йыйып, район тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырҙы. “Мәсетле тормошо”н уҡыусыларға ошо материалдарҙан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Оло Ыҡтамаҡ кешеһе Фаиз Искәндәров хәтирәләренән: “1943 йылдың февралендә йәш мәсетлеләр: Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Валентин Зубарев, Григорий Крючков, Михаил һәм Николай Чухаревтар, Александр Ивакин, Һөләймәндән Зәбихулла Йомағужин, Әмирхан Хажиев, Мәғәфүр Хажиев, Ләмәҙтамаҡтан Ҡорбанов, Солйоғоттан Егор Крючков һәм Сабир Булатов, Мәсетленән Ишмөхәмәт Абдуллин, Йыһанур Йәрмөхәмәтов, Мәүлетбай Ғималов, Кесе Ыҡтамаҡтан Иван Ивакин, Крашенинников, Кудрявцев, Әләгәҙҙән Павел Гаврилов, Аҡанан Шамил Хөсәйенов, Рәсим Ҡлысбаев һәм башҡа күптәр Ҡыҙыл Армия сафына алынды. Был ваҡытҡа беҙгә әле 18 йәш тә юҡ ине. Хәрби әҙерлекте беҙ Краснохолм хәрби-пехота училищеһында үттек. Уны уҡып бөтөргә лә ирек бирмәйенсә беҙҙе Карел-Фин фронты составындағы һауа-десант бригадаһына яҙып ҡуйҙылар. Тәүге һуғыш һынауы Ленинград өлкәһендәге Свирь йыл-ғаһында дошман ҡамауын өҙөү ваҡытында булды. Беҙҙең артиллерия һөжүм итте, “Катюшалар” гөрһөлдәне, Свирь йылғаһының уң яҡ яры ялҡынланып янды, төтәне. Һөҙөмтәлә дошман оборонаһы тар-мар ителде. Еңеү беҙҙең яҡта ине, ләкин ул еңел бирелмәне. Свирҙәге Лодейное ҡалаһы эргәһендә һигеҙ туғандаш ҡәбере ята. Уларҙа өс мең ҡыйыу яугир ерләнгән, улар араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар”. Тайыш ауылынан икенсе бер десантсы Мансур Вәлиев нисек итеп дуҫтары Биктимер Ғарипов, Нуретдин Мөхәмәтшин, Мөғәфә Хужин һәм Мөғтәбәр Мостафин менән 1943 йылда Ҡыҙыл Армияға алынып, Быҙаулыҡ ҡалаһына ебәрелеүҙәре һәм 2-се Әстрхан хәрби-пехота училищеһы курсанттары булып китеүҙәрен иҫенә төшөрә. 4 ай уҡығандан һуң махсус комиссия буйсан, ныҡлы егеттәрҙе десант ғәскәрҙәренә һайлап ала башлай. Училищенан башҡалар менән бергә ете мәсетле 18-се һауа-десант бригадаһының шәхси составына индерелә, унда хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә бара һәм дисциплина үтә лә ҡаты була. Гвардеец-десантсы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан булған Федор Крючков үҙенең 1943 йылдың 20 ноябрендәге хатында түбәндәгеләрҙе яҙа: “Әсәй, мин 6 тапҡыр парашют менән һикер-ҙем. Һикереү буйынса һуңғы занятиелар декабрь һуңында булыр, моғайын”. Гвардия сержанты Федор Крючков 98-се Свирь гвардия уҡсылар дивизияһында 3-сө уҡсылар батальонында санитар сифатында һуғыша. 1945 йылдың мартында ул шәхси ҡораллы биш яралы һалдатты яу яланынан алып сыға, ә үҙе һәләк була. Десант ғәскәрҙәрендәге хеҙмәтен Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Валентин Зубарев хәтеренә төшөрә: “Июндә, беҙҙе, училищелар курсанттарын Мәскәү эргәһендәге Яхрома ҡалаһына килтерҙеләр, унда десант бригадаһы формалаша ине. Бында беҙҙе десантсы сәнғәтенә: парашют менән һикерергә һәм ҡул көрәшенә өйрәттеләр”. Үрҙә атап үтелгән десантсы-мәсетлеләрҙең күптәре офицер званиеларына ҡәҙәр хеҙмәт итеп, еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан.
"Мәғариф" милли проектына ярашлы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыусылар өсөн электрон ресурс һәм эш урындары реестрын әҙерләй. "Мәғариф" милли проектына ярашлы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыусылар өсөн электрон ресурс һәм эш урындары реестрын әҙерләй. Был хаҡта министр Ольга Васильева белдерҙе. “Һәр педагогтың программаның федераль йәки төбәк сайтына инеп, күсеп барырға уйлаған мәктәпте һайлау, уны ситтән тороп ҡарау, һайлап алыуҙы үтеү өсөн шарттар исемлеге менән танышыу һәм ғариза биреү мөмкинлеге бар”, — тине министр. Уның һүҙҙәренсә, программала ҡатнашырға теләгән кандидаттарҙың йәше сикләнмәгән — ауылдарҙа йәштәргә лә, тәжрибәле уҡытыу­сыларға шат булырҙар. Кандидат­тарҙың ғаризаларын Мәғариф министрлығы комиссияһы менән бергә махсус төбәк комиссияһы ҡарай. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашырыу 2020 йылдан башлана. Унда ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (йәки күсеп килгән) уҡытыусыға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙе күҙ уңында тотола. Йәш уҡытыусыларҙың күптән түгел Ленинград өлкәһенең Выборг ҡалаһында уҙған “Педагог: һөнәр, булмыш, сәнғәт” Бөтә Рәсәй форумында билдәләп үтеүҙәренсә, ауыл, ҡасаба һәм халҡы 50 мең кешенән аҙыраҡ булған ҡалаларҙағы мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәй. Күп кенә педагогтар 1,5 ставкаға эшләй һәм йыш ҡына бер нисәшәр предметтан уҡыта. Һөҙөмтәлә балаларҙың белем алыуының сифаты ла насарая, ауыл балаһының юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге лә тарая. Халыҡ аҙ йәшәгән урындарҙағы мәктәптәргә уҡытыусыларҙың эшкә барыуын дәртләндереү башланғысы менән, билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә сығыш яһағайны. Был ваҡиғаның артынса уҡ Программаның башланыу ваҡыты, финанслау мөмкинлектәре билдәләнде һәм ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡушылды. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Беҙ күмәк инек. Урам тулы бала-саға. Бер төркөм сәпәмә туп уйнай. Хәҙергә әле ауылда резина туптар юҡ. Булһа шул бер-икелер. «Ҡымыҙник балалары» бүләк итеп ҡалдырып киткәндәре. Юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай бит инде. Үҙебеҙ яһайбыҙ. Яҙ көнө һыйыр ябағаһы һыҙырылып ҡубып тора. Ана шул йөндән әүәләп яһаған туптар һәр өйҙә тиерлек бар. Икенсе төркөм ашыҡ һуға. Ашыҡ етерлек. Етерлек булһа ла бер кемдең дә оттораһы килмәй, ғәрләндерә. Хәрәмләшеүҙәр һиҙелһә, тауыш сығып китә. Иртә яҙҙан ырҙын артында уйҙым-уйҙым сиҙәм асыла. Шунда йыйылышып сығабыҙ ҙа, аяҡ кейемдәрен һалып ҡуйып, йәһәт-йәһәт кенә йүгерешеп алабыҙ. Йәһәтләмәһәң, аяҡ өшөй. Һиҙеп ҡалһалар, әсәйҙәр ҙә ҡурҡыта. Бына аяғың себешләһә, йәй буйына йөрөй алмай ятырһың әле, тиҙәр. Үрге ос Зәки ағай бәләкәй генә молотилка яһаған. Әрем йыйып алып барып һуҡтырып ҡарайбыҙ. Шөйлә орлоғон, һаламын айырып төшөрә. Көҙөн, ағас япраҡтары ҡойолғас, урамдың буйынан-буйына шар һуғалар. Быныһына беҙ ҡатнашмайбыҙ, ситтән генә ҡарап торабыҙ. Ап-арыу быуын нығытҡан ағайҙар уйнай. Һәр ҡайһыһының ҡулында суҡмар. Шар имән тамырынан үртәп яһалған. Ниндәй ҡеүәт менән тотонһалар ҙа ярылмай. Хәжғәли ағай бигерәк ғәйрәтләнеп һелтәнә. Мин уның эргәһенә барырға ҡурҡам. Приюттан ҡайтҡан тип һөйләйҙәр. Башында ялбыр йөнлө дүлмән бүрек. Үҙебеҙсә бер ауыҙ һүҙ белмәй, онотоп бөтөргән. Русса ғына һөйләшә. Беҙҙең Көрмәнкәй Дәүләкәнгә терәлеп торһа ла, бығаса ауылыбыҙҙа уның ише руссаны һыу урынына эскән кеше юҡ ине әле. Бала саҡ, терегөмөш шикелле, бик хәрәкәтсән бит. Һайт тигәнгә, тайт тип, осорға ғына тора. Энергияны баҫырға әмәл етерлек. Маҡтаулы һөнәр булмаһа ла, манма тиргә батып ауылдың бер осонан икенсе осона ат ҡараҡлы уйнап сабышабыҙ. Айырыуса шау-шыулыһы, хәлде алғаны – аҡтар-ҡыҙылдар һуғышы. Әүәл, ғәҙеллек өсөн, уҙаҡлашабыҙ. Юғиһә, аҡтар булырға бер кемдең ризалығы юҡ. Вәхит ағайымдың армиянан кейеп ҡайтҡан шлемы бар. Уны ҡыҙылдарҙың командирына кейҙерәбеҙ. Ахыр сиктә барыбер ҡыҙылдар еңә. Рәхәт, мәшәҡәтһеҙ бала саҡтың дәүере ҡыҫҡа. Күҙ асып-йомғансы ул ғүмер тарихына күсеп китә. Алмашҡа үҫмер саҡ, йәшлек килә. Былары ла бик мауыҡтырғыс икән. Хеҙмәт бурыстарың да һәлмәкләнә төшә. Яурынға тир бәреп сығармаған эш һанға һуғылмай. Өҫтә кейем-һалым да үҙгәрә. Башлап Аҫылбай бабай ике улына пальто алып бирҙе. Сиратлашып кейеп ҡарайбыҙ, һәммәбеҙгә килешә. Ап-арыу ҡалыная төшкән тауыш менән киске уйындарҙа йырға ҡушылаһың. Ғәзиз бабай тирәктәре эргәһенән күтәрелеп, Ыласын күле буйҙарына яңғырап торған йырҙарыбыҙҙа дошманға нәфрәт, Ватанды һөйөү хистәре үрелә. Иҫәпһеҙ күп йондоҙҙар менән нағышланған күк көмбәҙе аҫтында тәүге мөхәббәт ярала. Дөрөҫ, әле был тормош юлдашын табыу уҡ түгелдер. Шулай ҙа берәү бүтәндәрҙән яҡыныраҡ кеүек тойола башлаған мәл. Х. Атанғолов. (Аҙағы бар). Фото интернеттан алынды Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Башҡортостанда 2020 йылда «Ауыл программаларын комплекслы үҫтереү» федераль программаһы эшләй башлай. Ул ағымдағы йылда тамамланған «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» дәүләт программаһына алмашҡа килә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы яңы программала ҡатнашырға әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Республикала 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һәм 157 саҡрым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза бирелгән. 40 ҡасаба – газ, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш. Фото: Учалы районы Башҡортостанда 2020 йылда «Ауыл программаларын комплекслы үҫтереү» федераль программаһы эшләй башлай. Ул ағымдағы йылда тамамланған «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» дәүләт программаһына алмашҡа килә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы яңы программала ҡатнашырға әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Республикала 140 саҡрымдан ашыу газ торбаһы һәм 157 саҡрым һыу үткәргес төҙөүгә ғариза бирелгән. 40 ҡасаба – газ, 50-һе һыу менән тәьмин ителергә тейеш. Ауыл хужалығы министрлығы 1300-ҙән ашыу ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы субсидияларға, тораҡ пункттарҙы (яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, скверҙар һәм ял зоналары һәм башҡалар) төҙөкләндереү буйынса 150-нән күберәк проектты ғәмәлгә ашырырға ниәтләй, 10-ға яҡын фельдшер-акушерлыҡ пункт төҙөү бурысы тора. http://www.bashinform.ru/news/1388129-v-bashkirii-na-sredstva-federalnogo-byudzheta-40-sel-obespechat-gazom-50-vodoy/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
ҡояш нурҙарының һүрәнәйеүе сәбәпле, Ерҙе XXI быуат урталарында глобаль һыуыныу көтә. Был фекер Рәсәй Фәндәр академияһының Баш (Пулково) обсерваторияһы хеҙмәткәре Х. Абдусаматовтыҡы. «Температураның глобаль төшөүе 1645 – 1705 йылдарҙа бөтә Европала, Төньяҡ Америкала һәм Гренландияла күҙәтелгән (был күренеш фәндә ҡояш әүҙемлегенең «Маундер минимумы» тип йөрөтөлә). Голландияла бөтә каналдарҙа ла һыу туңа, боҙлоҡтар һөжүме арҡаһында кешеләр Гренландияның бер өлөшөн ташлап китергә мәжбүр була. ҡояш нурҙарының һүрәнәйеүе сәбәпле, Ерҙе XXI быуат урталарында глобаль һыуыныу көтә. Был фекер Рәсәй Фәндәр академияһының Баш (Пулково) обсерваторияһы хеҙмәткәре Х. Абдусаматовтыҡы. «Температураның глобаль төшөүе 1645 – 1705 йылдарҙа бөтә Европала, Төньяҡ Америкала һәм Гренландияла күҙәтелгән (был күренеш фәндә ҡояш әүҙемлегенең «Маундер минимумы» тип йөрөтөлә). Голландияла бөтә каналдарҙа ла һыу туңа, боҙлоҡтар һөжүме арҡаһында кешеләр Гренландияның бер өлөшөн ташлап китергә мәжбүр була. ҡояш нурҙарының ун бер йыллыҡ һәм бер быуатлыҡ вариацияларының бер юлы һәм оҙайлы үҙгәреүе арҡаһында Ерҙә климат шарттары ла үҙгәрә, – ти Абдусаматов. – Анализдарҙан күренеүенсә, әле Ер глобаль йылыныуҙың иң юғары нөктәһендә. Артабан ҡояш нурҙарының һүрәнәйеүе арҡаһында Ерҙә температура аҡрынлап кәмейәсәк. XX быуатта ҡояштың әүҙемлеге көсәйеүенең Ерҙә климаттың глобаль үҙгәреүенә килтереүе аномаль күренеш түгел. Сөнки ундай хәлдәр элек тә күҙәтелгән. 2012 – 2013 йылдарҙа уҡ Ерҙең температураһы төшә башлаясаҡ. 2035 – 2045 йылдарҙа ҡояш нурҙары һүрәнәйеүе минимумға етеп, климатты глобаль һыуыныу көтә». Башҡа төрлө мәғлүмәттәр ҙә юҡ түгел. 1906 йылда февралдә уртаса температура –7,7 градус булһа, 1916 йылда иһә –2 градус ҡына. 1926 йылда температура –19,5 градусҡаса төшөп, тағы ла ун йылдан –22,4 градус тәшкил иткән. 1946 – 1986 йылдарҙа ла температура –12,9 градустан төшмәй, 2006 йылда уртаса –18 градус тәшкил иткән. Бындай шарттарҙа глобаль йылыныу тураһында фәлсәфә ҡылырға урын бармы? Астероидтар һөжүме Күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны әйтергә кәрәк: 1985 йылдан башлап планетаның активлығы ныҡлы кәмей, хатта иң көслө мәлдәрендә лә элекке ҡеүәтенә етмәй. 50-се йылдарҙан алып был күрһәткес 22 процентҡа түбәнәйҙе. Хәлде ҡояштың «ғәйебе» менән генә аңлатып булмай, уға атмосфераның төрлө туҙандар менән тулыуы ла булышлыҡ итә. Ғалимдар фекеренсә, ҡояштың әүҙемлеге кәмеп, Европала 1645 – 1715 йылдарҙа күҙәтелгән «Маундер минимумы»ның ҡабатланыуына килтереүе ихтимал. Әммә был ихтималлыҡ 8 процент самаһы ғына. Австралия, Канада һәм АҡШ тикшеренеүселәренең «Nature» журналында сыҡҡан мәҡәләһенә ярашлы, Ер орбитаһында емерелгән ҙур булмаған астероидтарҙан ҡалған саң да климатҡа ярайһы ҙур йоғонто яһай. Элек ни өсөндөр был хәл ғалимдар тарафынан баһаланып етмәгән һәм өйрәнелмәгән. Белгестәрҙе астероидтар Ергә килеп бәрелгәндән һуң булған күренеш нығыраҡ ҡыҙыҡһындырған. Сандио милли лабораторияһы таратҡан мәғлүмәттәргә ярашлы, 2004 йылдың 3 сентябрендә Антарктида яры буйында күҙәтелгән хәл бындай ҡарашты үҙгәртергә мәжбүр иткән. Әйләнәһе 10 метр самаһындағы астероидты АҡШ-тың Оборона министрлығы юлдаштары Ерҙән 75 километр бейеклектә күреп ҡала. Ә Энергетика министрлығының ядро хәүефһеҙлеге милли идаралығы датчиктары астероид тыуҙырған акустик тулҡындарҙы ла эләктерә. НАСА-ның мультиспектрометры иһә астероид тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән болоттарҙы күҙәтә. Артабан ғалимдар был болоттоң нисек итеп ҡояш нурҙарын кире ҡағыуына шаһит була. Урман һәм махсус ҡоролмалар ҡоролоҡтан һаҡлай Рәсәй Фәндәр академияһының География институты директоры урынбаҫары, география фәндәре докторы А. Тишков, кеше антициклонға ҡаршы торорға һәләтһеҙ, әммә уның йоғонтоһон йомшарта ала, тигән фекерҙә. «Эш шунда, – ти ул «Известия» гәзите хәбәрсеһенә, – кеше эшмәкәрлеге арҡаһында ландшафт боҙолоу һауаның күсеп йөрөүенә йоғонто яһай. Антициклон эҙемтәләрен йомшартыу өсөн урмандар һәм күлдәрҙең майҙандарын киңәйтеү зарур. Был осраҡта тәбиғәттә һыу әйләнеше көсәйеп, атмосферала дым арта. Был хаҡта совет йәмәғәтселегенә 40-сы йылдарҙа уҡ яҡшы билдәле булып, ҡоролоҡҡа ҡаршы тороу өсөн күп итеп урман һыҙаттары ултыртылды. Шул арҡала ҡоролоҡ сигенде. Ә элек төҙөлөш өсөн сеймал алынған ҙур соҡорҙарҙа күлдәр хасил ителде. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө илебеҙҙә ағас күпләп ҡырҡылыу арҡаһында урман климатты тотороҡландырыу ролен үтәргә һәләтһеҙ. Хәҙер беҙгә кисекмәҫтән урман, уны янғындан һаҡлау хеҙмәтен яңынан тергеҙергә, тармаҡ хужалығын дәүләт ҡурсалауына алырға кәрәк. Быйылғы янғындар беҙгә иҡтисадты экологиянан айырып ҡарамаҫҡа ҙур һабаҡ бирҙе, һәм беҙ унан тейешле һығымта яһарға бурыслы». «Росгидромет»тың үҙәк аэрологик обсерваторияһының мәрхүм директоры А. Черников «КП» гәзите хәбәрсеһе менән уртаҡлашҡан мәғлүмәткә ҡарағанда, яһалма ямғыр яуҙырыу буйынса беҙҙә махсус ҡоролмалар уйлап табылып, 2000 йылдарға тиклем тәжрибәләр Кубанда үткәрелгән. Хатта үткән быуаттың 40-сы йылдарында профессор В. Оболенский етәкселегендәге Яһалма ямғыр институты ла ойошторолоп, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшкән. Ләкин аҙаҡ уға ҡул һелтәгәндәр. 90-сы йылдарға тиклем болоттарға йоғонто яһау буйынса ла ниндәйҙер тәжрибәләр үткәрелгән, әммә уныһын да ташлап ҡуйғандар. Ошо уҡ баҫма яҙып сығарған икенсе бер мәҡәләлә «Урания – 2М» яһалма ямғыр яуҙырыу ҡоролмаһы тураһында һүҙ бара. Күптән уйлап табылған был мөғжизә Новосибирск, Ульяновск, Ырымбур өлкәләрендә, ҡалмыҡстанда һәм ҡаҙағстанда һынау үткән. Проекттың башҡарма директоры И. Яковлев әйтеүенсә, ямғырҙы улар хатта Мароккола ла яуҙырып ҡарағандар. Шуныһы ғәжәп: 20 йыл элек авиакосмик белгес А. Смирнов уйлап тапҡан был ҡоролма Рәсәй өсөн кәрәк булмай сыҡҡан. Диңгеҙ ресурстарын яҡлау халыҡ-ара программаһы етәксеһе Г. Лундин фекеренсә, тәбиғәттә балансты тергеҙеү өсөн кәмендә 10 мең йыл кәрәк. «Кешелек, моғайын, хәүефһеҙ саҡтарға ҡайта алырлыҡ сикте үткәндер, – ти ул. – Әлбиттә, Ерҙе һаҡлаусы күҙгә күренмәгән ниндәйҙер билдәһеҙ механизм бар. Ул, күрәһең, углекислый газды «йәшерә». Әммә был хәл сикһеҙ дауам итә алмай. Мәҫәлән, Вашингтон штатындағы Изге Елена янартауы урғыла ҡалһа, уның аҫтындағы ҡайнап торған тоҡомдар бер нисә километрлыҡ ут «ауыҙы» барлыҡҡа килтерергә һәләтле. Эҙемтәләре һис кенә лә Венераныҡынан кәм булмаҫ. Рәсәйҙең Арктика өлөшөндәге азот закисы ла етди хәүеф менән янай. Уның күләме миллиондарса тонна иҫәпләнә. Ә бит ул сыға башлаһа, атмосферала 110 йыл һаҡланасаҡ». Аляскала климат ҡоралы һыналамы? Июлдә «Комсомольская правда» гәзите, Волга – Урал буйын солғап алған антициклондың тәбиғәтен аңлатырға тырышып, ҡушма Штаттар беҙгә ҡарата шундай ҡорал ҡуллана, тип яҙып сыҡҡайны. А. Волковтың интернет селтәрендә баҫылып сыҡҡан «Көн торошо үлемесле ҡоралға әүерелеүе ихтимал» тигән яҙмаһы ла ошоға ауаздаш. Ысынлап та, ун йыл элек АҡШ тикшеренеүселәре биргән фараз буйынса, 2025 йылға Америка хәрбиҙәренең көн торошона идара итә аласағы әйтелгәйне, ти ул. Имеш, тотош төбәктәр милитаристар ҡарамағында ҡаласаҡ. Миҫал рәүешендә АҡШ-тың Вьетнамда алып барған һуғышында төрлө химик реагенттар ҡулланып, партизандар базаларын муссон ямғырына дусар итеүе лә килтерелә. Һүҙ Пентагон тарафынан финансланған НААRP программаһы тураһында бара. Аляскалағы Анкоридж ҡалаһынан 250 саҡрым төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан был объект 14 гектар майҙанды биләй. 180 антеннаның һәр береһе 22 метр бейеклектә, 360 радиотапшырғыс та бар. ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, был «антенналар урманы», ысынлап та, ионосферала дауыл ҡуптарырға һәләтле, сөнки уның ҡеүәте 1,7 миллиард ватҡа етә. Ошо программаны төҙөүҙә ҡатнашҡан Б. Истлунд фекеренсә, был ҡеүәт Ерҙең байтаҡ өлөшөндә элемтәне боҙорға, көн торошон тәртипһеҙ үҙгәртергә мөмкинлек бирә. Канада иҡтисадсыһы һәм антиглобалисы М. Чоссудовскиҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, НААRР программаһы өсөн миллиардтарса доллар бүленә. АҡШ Конгресы хатта уларҙың ңи өсөн бирелгәнен дә тикшереп тормай. Ысынлап та, проекттың Йыһанға йоғонтоһо билдәһеҙ. Ә бит ионосфераның бындай тикшеренеүҙәр арҡаһында боҙолоуы ла ихтимал. Ул саҡта беҙ ун километр бейеклектә ишек һәм тәҙрәләренән ел өрөп торған самолетта ултырыусы пассажирҙар хәлендә ҡалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта төрлө интернет-форумдарҙа төрлө стихия ҡазаларының тап НААRР программаһы арҡаһында сығыуы хаҡында фекерҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Төньяҡ Кореяла 90-сы йылдар уртаһында ҡоторонған ҡоролоҡ, артабан һыу баҫыу, Иран, Ираҡ, Сүриә һәм Афғанстандағы ауыр эҙемтәле ҡоролоҡ был фекерҙе иҫбатлай кеүек. 1997 йылда НААRР cтанцияһы эш башлау менән донъяла төрлө ғәрәсәттәр башланды, тип үҙ ҡарашы менән уртаҡлаша МДУ-ның физика факультеты ғилми хеҙмәткәре Г. Васильев. Улар рәтенә гәзит 1997 – 1998 йылдарҙа «Эль-Ниньо» дауылының ҡотороноуынан 20 миллиард долларлыҡ зыян күрелеүе, 1999 йылда Төркиәлә ер тетрәп, 20 мең кешенең һәләк булыуы, 2003 йылда «Изабелла» дауылы – меңдәрсә, 2006 йылда Суматра утрауының көнсығыш ярында ер тетрәү – 300 меңләп, 2005 йылда Пакстанда ер тетрәүҙең 100 мең кешене алып китеүе һәм быйыл Исландиялағы Эйяфьятлайокудль вулканы урғылып, Европаны «тере ҡулһыҙ» ҡалдырыуы кеүек ҡазаларҙы атай. Элекке хәрби синоптик Н. Караваевтың «КП»-ла баҫылған аңлатмаһынан күренеүенсә, АҡШ хәрбиҙәре, ысынлап та, көн торошона йоғонто яһау, хатта буйһондороу буйынса 2025 йылға тиклем башҡарыласаҡ эштәр программаһына эйә. Үҙ фекерен раҫлау өсөн Караваев шундай мәғлүмәт килтерә: Мәскәүҙә эҫелек 35 – 36 градусҡа еткәндә, Берлинда – 18, Варшавала – 25, Парижда ни бары 20 градус ине. Урта Азиянан эҫе һауа «һурған» бындай антициклондың Рәсәйҙә бер ҡасан да күҙәтелгәне юҡ. Эҫелек башланыр алдынан американдар Йыһанға лазер ҡораллы осоусыһыҙ Х-37В карабын ебәрҙе. Һөҙөмтәлә 90 – 600 километр бейеклектә термосферала атмосфера ҡапыл үҙгәреп, эҫелек барлыҡҡа килде. Ә осоусыһыҙ карап иһә Ергә 270 тәүлектән һуң ғына әйләнеп ҡайтасаҡ. «Росгидромет»тың Геофизика институты директоры, профессор В. Лапшин фекеренсә, американдарҙың климатты үҙгәртә алыуы – буш һүҙ. «Эҫелектән ҡушма Штаттар халҡы үҙе яфа сигә, – ти ул. – Тәүҙә улар үҙҙәрен һәләк итә, артабан – беҙҙеме? Бөгөн Рәсәйҙең Европа өлөшөндә ҙур циклон тора – бары шул ғына!» «Һаҡланғанды – һаҡлармын» Кешелеккә ни бары 100 йыл йәшәргә ҡалды – был Австралиянан микробиология профессоры Ф. Феннер фекере. Уның раҫлауынса, хәҙерге цивилизация өсөн XXI быуат һуңғыһы буласаҡ. Бындай һығымтаһын ғалим, Ер шарында кеше бик күп, һәм ул саманан тыш ҡуллана, тигән тезисы менән нигеҙләй. Кешелектең ихтыяжы туҡтауһыҙ артыу экологик һәләкәттәргә килтереп, яҡын арала климат ҡырҡа үҙгәрәсәк. Хәҙерге кешенең экологик системаға йоғонтоһон Феннер Ергә ҙур кометаның аҡрынлап бәрелеүе менән сағыштыра. «Хәлде төҙәтеп булмаясаҡ, – ти микробиолог, – кешегә үҙ яҙмышына буйһонорға ғына ҡала». Тимәк, ахырызаман яҡынлаша? «Известия-наука»ның күҙаллауы буйынса, бер нисә сценарий бар. 1. Глобаль йылыныу һөҙөмтәһендә боҙлоҡтар иреүҙең туфан ҡалҡыуына килтереүе ихтимал. Ғалимдар фекеренсә, Ерҙең өстән бер өлөшө һыу аҫтында ҡалыу кешелек өсөн етди хәүеф тыуҙырасаҡ. 2. Озон ҡатламы йоҡарыу ҙа Ерҙең көслө радиацияға дусар ителеү ихтималлығын көсәйтә. Ундай шарттарҙа, әлбиттә, кешене һәләкәт көтә. 3. Ергә бынан 65 миллион йыл элекке кеүек метеорит килеп бәрелеү ихтималлығы ла бар. Тәүге вариант буйынса кешеләргә тәүтормош йәмғиәт ҡоролошонан башларға тура килһә, икенсеһе буйынса Ерҙең тарҡалып, Йыһан туҙанына әүерелеү хәүефе һаҡлана. 4. ҡояштың йылытыуҙан туҡтауы. Тик был күренеште 10 миллиард йыл көтөргә кәрәк. 5. Ерҙең сит планета кешеләре тарафынан баҫып алыныуы. Әлегә был фаразды бер кем дә иҫбатлай йәки кире ҡаға алмай. 6. Кешелектең үҙ-үҙен юҡ итеүе. Был фараз бер аҙ ышандыра. Әйтәйек, өсөнсө донъя һуғышы йәки Чернобылгә тиң фажиғә. Башҡа фараздар ҙа бар, ләкин улар ышандырыу һәләтенә эйә түгел. Ерҙә йәшәү мөмкинлеге бөтөү менән кешелекте ни көтөүе тураһында фараздар ҙа күренгеләй. 15 йылдар элек «Независимая газета»ла ошондай хәл була ҡалһа, Марсты кеше йәшәрлек хәлгә килтереү буйынса АҡШ-та махсус программа эшләнеүе тураһында яҙғайнылар. ҡушма Штаттар «ҡыҙыл планета»ны ентеклерәк өйрәнеү өсөн космик станциялар ебәреүен дауам итә. Береһе – юлда, икенсеһе декабрҙә сәфәргә сығып, кәрәкле мәғлүмәттәр ебәрер, тигән өмөт бар. Әйткәндәй, 2009 йылдың 16 июнендә Mail.ru агентлығы, АҡШ-тың Марс аномалияларын өйрәнеү йәмғиәте президенты Э. Безиагоға һылтанып, «ҡыҙыл планета»ла әле лә тормош барлығы хаҡында хәбәр итте. «Sprit марсоходынан алынған һүрәттәрҙә, – ти ул, – кеше йәшәгән торлаҡ, культ ҡоролмалары, хатта кешеләр (ни сәбәптәндер улар биш төрлө. – М. Х.), Ерҙә әле йәки ҡасандыр йәшәгән хайуандар күренә». Безиаго раҫлауынса, Марста ҡасандыр Боронғо Мысырҙағы кеүек тормош булған. 11,5 мең йыл элек Атлантиданы ер йөҙөнән юйған һәләкәт Марста барлыҡ тереклекте юҡҡа сығарған. Хәҙер экологик хәл унда аҡрынлап тергеҙелә, ләкин сит кешеләрҙең ҡыҫылыуы быға ҡамасаулауы ихтимал. Шуға күрә ғалим АҡШ менән Рәсәйҙе Марста тикшеренеүҙәр үткәреүҙән тыйылырға саҡыра. Йыш ҡына стихиялы күренештәр тураһында алдан иҫкәртә алмаған метеорологтарҙы ла ғәйепләйҙәр. 2007 йылда, мәҫәлән, Мәскәүҙә торф ятҡылыҡтары янып киткәс, улар ҡаты тәнҡит утына эләкте. Оҙайлы ваҡытҡа прогноз биреү өсөн атмосфералағы ҡайһы бер процестар билдәһеҙ. Йөҙ йыл элек күҙәтелмәгән ғәрәсәттәрҙе алдан күреү өсөн тәжрибә лә, белем дә етмәй. Артабан беҙҙә экология етди боҙола. Архивтан күренеүенсә, элек циклондар төньяҡтан килгән. Урмандарҙың күпләп ҡырҡылыуы йылылыҡ алмашыныуға кире йоғонто яһай. Рыбинск һыу һаҡлағысын төҙөү ҙә циклондар йүнәлешен ҡырҡа үҙгәрткән. Эре ҡалалар ҙа йылылыҡ алмашыныуға төҙәтмә индерә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең метеохеҙмәттең үҙе ярҙамға мохтажлығын, моғайын, күптәр белмәйҙер ҙә. «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, 80-се йылдарҙа Арктикала көн торошон күҙәтеүсе ике кәмә-метеостанция йөрөһә, хәҙер берәү ҙә юҡ. Поляр станциялар ул саҡта йөҙгә етһә, хәҙер яртылаш кәм. Метеостанциялар селтәре, хеҙмәткәрҙәр иҫәбе, «Росгидромет»тың метеокараптары, метеоюлдаштар буйынса ла шундай уҡ хәл. Директор урынбаҫары В. Дядюченконың һүҙҙәренә ҡарағанда, 1979 йылда АҡШ-тан секундына 4 миллиард операция үткәрергә һәләтле суперкомпьютер һатып алынған-алыныуын, ләкин ул үҙенең ҡулланыу ваҡытын тултырған да инде. Америка компанияһына секундына 1 триллион операция үткәрергә һәләтле 18 миллион долларлыҡ яңы машинаға заказ бирелгән, тиҙәр. Ләкин ул да көн торошон бер аҙнанан артыҡҡа әйтә алмай, имеш. Рәсәй кеүек ҙур илдә метеоюлдаштар СССР заманында – өс, хәҙер берәү генә булыуы аптырарлыҡ. Евросоюздың, мәҫәлән, ике, Һиндостандың хатта – өс, ҡытайҙың – дүрт, кескәй генә Япония менән АҡШ-тың бишәр юлдашы бар. Шуны ла әйтергә кәрәк: метеоюлдаш донъяла беренсе булып СССР тарафынан 1967 йылда орбитаға сығарылған. Бер метеоюлдаш Европала 100 – 120 миллион доллар тора. Белгестәр фекеренсә, Рәсәйгә кәмендә өс поляр-орбиталь юлдаш, экваторҙа кәмендә ике геостационар юлдаш һәм, 2006 йылда ҡабул ителгән федераль космик программаға ярашлы, 13 метеоюлдаш осорорға кәрәк. Һуңғыһы әлегә берәү генә эшләй. Аҙаҡҡы 20 йылда метеостанция селтәре өстән бер өлөшкә кәмегән. 80-се йылдарҙа 40-лап карап төрлө тарафтарҙа йөҙөп мәғлүмәттәр йыйһа, бөгөн иһә берәү ҙә юҡ. Металл һынығына тапшырылмай ҡалған 13 судно Владивостокта, Санкт-Петербургта һәм Архангельскиҙа йөк ташып йөрөй. Аномаль ҡоролоҡ айҡанлы 12 августа Мәскәү хөкүмәте ҡала башлығы Ю. Лужковтың ауыл хужалығы ерҙәрен мелиорациялауҙы тергеҙеүгә бәйле башланғысы буйынса фекер алышты. «Ерҙәрҙе мелиорацияламай тороп, беҙ бер ҡасан да аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителештә суверенитетҡа өлгәшә алмаясаҡбыҙ», – тип иҫәпләй Мәскәү башлығы. Быйылғы ҡоролоҡ һыу ятҡылыҡтарының ҡырҡа һайығыуына, ҡайһы берҙәренең юҡҡа сығыуына алып килде. Екатеринбург ҡалаһын туйындырып торған өс метр тәрәнлегендәге һыу ятҡылығы урынында бөгөн йәм-йәшел үлән үҫеп ултыра. Уралдың баш ҡалаһына һыуҙы хәҙер 160 километр алыҫлыҡтағы ҡариҙел йылғаһынан ҡыуҙыралар. Татарстан, ҡурған, Ырымбур өлкәләре халҡы ла һыуһыҙ интегә. Европалағы иң ҙур Куйбышев һыу һаҡлағысында һыу кимәле тәүлек һайын 3 – 5 сантиметрға түбәнәйә. Һыу ятҡылыҡтарын тейешле хәлгә килтереү өсөн 650 миллиард һум күләмендәге сығым кәрәк. «Российская газета» һәм «Комсомольская правда» гәзиттәрендә баҫылған билдәле урыҫ олигархының Ғәрәп әмирлектәрендәге курортта болоттар хасил иттереү өсөн ниндәйҙер тәжрибә алып барыуы хаҡындағы хәбәр үҙенең шаҡ ҡатырғыслығы менән һушты ала. Ә ни өсөн был әҙәм сығымдарҙы Рәсәй халҡын афәттән һаҡлау өсөн тотонмай? Ысынлап та, янғындарҙан һаҡланыу, ҡаза күргәндәргә матди ярҙам күрһәтеү йәһәтенән олигархтар бармаҡ та ҡыбырлатманы бит. ҡайһы илдә йәшәй һәм ниндәй гражданлыҡ бурыстары үтәй улар? Иң мөһиме, уларҙы был ярҙамға бер кем дә мәжбүр итмәй. Уҙып барған йәй килтергән финанс-иҡтисади һ. б. зыяндың күләме әлегә асыҡланмаған. Ул триллион һумдарға торошло. Юҡҡа сыҡҡан урмандар, торлаҡ йорттар, ҡороған йылға-күлдәр, янып-көйгән иген баҫыуҙары, баҡсалар, ирек­һеҙҙән бысаҡланған мал-мыуар… Был тиңдәшһеҙ күренеште «һынау» тип әйтергә тел әйләнмәй. Был – яза. Кешелектең тәбиғәткә килтергән тиңдәшһеҙ зыяны өсөн түләү. Әлбиттә, уларға күҙ йомоп, бер ни булмағандай, атмосфераға углекислый газды элеккенән дә күберәк сығарып, әүәлгесә меңдәрсә метр майҙанды асфальтҡа күмеп, урамдарға миллиондарса машина сығарып, йылға-күлдәрҙе ҡоротоп һ.б. йәшәүҙе артабан да дауам итергә мөмкин. Сөнки бер кем дә тыймай, тәртипкә саҡырмай. Әммә аҡылһыҙлыҡтан иң элек кеше үҙе зыян күрәсәк, әлеге йәй ише. Бәлки, тәбиғәткә ҡарата енәйәт ҡылыуҙан арынып, уйланырға әле һуң түгелдер? Климаттың артабан ниндәй буласағын өйрәнеү өсөн фәнгә иғтибарҙы арттырырға, ағастарҙы күберәк ултыртыу, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, ҡалаларҙа экологик хәлде яҡшыртыуҙың башҡа сараларын хәстәрләргә.
Республиканың Урман хужалығы министрлығында теле-радио коммуникациялар һәм бәйләнеш өлкәһендә алдынғы компанияларҙың береһе менән видеоконференция форматында кәңәшмә үтте. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Республиканың Урман хужалығы министрлығында теле-радио коммуникациялар һәм бәйләнеш өлкәһендә алдынғы компанияларҙың береһе менән видеоконференция форматында кәңәшмә үтте. Унда урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Динил Әхмәтов, Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге директоры Айрат Йосопов ҡатнашты. Осрашыу барышында урман янғындарын, урман ҡануниәтен боҙғандарҙы асыҡлау, иҫкәртеү йүнәлешендә мәғлүмәт-һанлы технологияларҙы файҙаланыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. – Пилот проекты махсус видеокүҙәтеү һәм фото теркәү ҡорамалдарын файҙаланып, төтөн сыҡҡан һәм законһыҙ ағас ҡырҡҡан урындарҙы асыҡлауҙы күҙ уңында тота. Был сараларҙы файҙаланыу төтөн сыҡҡан урынды асыҡлау менән сара күреү, урынын билдәләү, көстәрҙе дөрөҫ ҡуйыуға булышлыҡ итәсәк, – ти урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин. Әйткәндәй, "Экология" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан 2019 йылдан "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проектында ҡатнаша. Быйылғы йылда урманды һаҡлау, ҡырҡылған һәм янған участкаларҙа урманды тергеҙеү маҡсаттары алғы планға ҡуйыла. "Башҡортостан" (Р. Мусина) Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең икенсе көнө тамамланды. Тамашасыларҙың 30-ҙан ашыу фильм ҡарау мөмкинлеге булды, улар араһында – «Горячая лепешка» (Үзбәкстан), «Аврора» (Ҡырғыҙстан), «Надо мною солнце светит» (Рәсәй, Саха-Яҡутстан), «Казахское ханство. Золотой трон» (Ҡаҙағстан) һәм «Я спал, когда счастье проходило мимо» (Литва). Ике көн эсендә фестиваль фильмдарын ҡарарға 5 меңләгән кеше килде. Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары фестиваль тормошонда әүҙем ҡатнаша, Сергей Шакуров етәкселегендәге жюри махсус кинозалдарҙа конкурс программаһын ҡарай, күрһәтелгән картиналарҙың режиссерҙары һәм актерҙары тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирә. 26 август – тулы метражлы уйын, ҡыҫҡа метражлы уйын һәм документаль фильмдарҙы күрһәтеүҙең һуңғы көнө. Фестиваль еңеүселәре 27 августа «Торатау» конгресс-холында фестивалде ябыу тантанаһында иғлан ителә. Һәр номинация призёрҙарына бронзанан эшләнгән ҡанатлы ат һыны тапшырыла. Авторҙары – Арыҫлан Бикбаев һәм Салауат Ғәниев. «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале еңеүсеһенә лә иҫтәлекле статуэтка һәм миллион һум бирелә. Алдан хәбәр ителгәнсә, IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында Австралия, Азербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея фильмдары ҡатнаша. Рәсәйҙән – Башҡортостандан ете фильм, шулай уҡ Төньяҡ Осетия-Алания, Хакасия, Чечен Республикаһы, Татарстан, Дағстан, Бүрәтстан, Яҡутстан, Һамар өлкәһе, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән фильмдар. Кинофестивалгә бөтәһе Рәсәйҙең 34 субъектынан һәм 28 илдән ғаризалар килгән. Фестиваль барышында конкурс программаһы менән бер рәттән махсус фильмдар күрһәтеү, күргәҙмәләр, ижади осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу күҙаллана. http://www.bashinform.ru/news/1344564-v-ufe-za-dva-dnya-kinofestival-serebryanyy-akbuzat-uspeli-pose... Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Үткән аҙнала Кинйәбай ауылында «Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар» тип аталған бик күркәм сара уҙҙы. Бында ауылдың оҫта ҡуллы хужабикәләренең сағыу, зауыҡлы ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо. Үткән аҙнала Кинйәбай ауылында «Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар» тип аталған бик күркәм сара уҙҙы. Бында ауылдың оҫта ҡуллы хужабикәләренең сағыу, зауыҡлы ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡунаҡҡа «Ғаилә» үҙәге етәксеһе Наталья Савенкова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина килде. Матур байрам тураһында беҙгә сараны ойоштороусы Эльза Сәмиғулла ҡыҙы Васильева һөйләне: - Был байрамды үткәрергә әллә ҡасандан уҡ йыйына инек. Ҡатын-ҡыҙҙар — донъя тотҡаһы. Улар йорт эсендә лә, йорт тирәһендә лә йәм булдыра. Шул уҡ ваҡытта эшенә барырға, баҡсала бил бөгөргә, балалар тәрбиәләргә һәм төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнергә лә өлгөрә улар. Ғаиләлә бар нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора. Беҙҙең сарала 10 йорт, 24 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Һәр береһе йортонда үҙҙәре ижад иткән ҡул эштәре, аш-һыу оҫталыҡтары күргәҙмәһен ойошторҙо. Уларҙың барыһы ла тик маҡтауға ғына лайыҡ ине. 5 бала тәрбиәләп үҫтергән, 20 ейән-ейәнсәренә бәхетле өләсәй булған Фирҙәүес Абдуллинаның йорто күҙҙең яуын алырлыҡ. Үҙҙәре бигерәк ҡунаҡсыл. Ейән-ейәнсәрҙәре шиғыр ҙа һөйләй, йырлап, бейей ҙә. Хәнифә Ғәббәсоваға ярҙамға бик күп ҡунаҡтар килгән. Улар араһында оло йәштәге Мәймүнә Сәғитова менән Маһинур Әлиева ла бар. 83 йәшлек Сәриә Ғәббәсова менән 87 йәшлек Сәмәрә Ғөбәйҙуллиналарҙың да күргәҙмәһе бик шәп ине. Вәсилә Ғәббәсованың йорт эсендә бар нәмә лә бәйләнгән. Рәмзиә Ғәббәсованың да шәлдәре бигерәк матур. Улар икеһе лә төрлө республика конкурстарында алдынғы урындар яулаусылар. 4 балалы Әлиә һәм Фаил Кинйәбаевтарҙың яңы 2 ҡатлы йорто иҫ киткес. Ҡала фатиры ары торһон. Фәнүр, Юлиә, Регина Ғәниевалар яҡташ шағирә Тамара Ғәниеваның тыуған нигеҙенең ҡотон һаҡлайҙар. Бында бар нәмә ялт итеп тора. Шулай уҡ яҡташ яҙыусыбыҙ Ғәлим Хисамовтың туғандары Ришат, Раҡыя, Миңзира Хисамовалар ҙа үҙҙәренең оҫта хужа булыуҙарын күрһәтте. Тәнзилә һәм Рафиҡ Ҡотлобаевтарҙың йортонда ҡулдан эшләнгән хайуандарҙың ниндәйе генә юҡ! Тағы ла Тәнзилә үҙе яҙған шиғырҙарын һөйләп ҡыуандырҙы. Бөтәһе лә беҙҙе үҙҙәренең үҙенсәлекле эштәре менән һоҡландырҙы был көндө. Уларҙың барыһына ла райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Спонсорҙарыбыҙ Сергей Малейкин менән Владимир Марфиндан да ҙур бүләктәр алып шатландылар. Шулай уҡ был көндө Кинйәбай ауылы клубына бер исемен әйтергә теләмәгән спонсор музыкаль үҙәк тапшырҙы. Бик матур байрам булды. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, «Сеспель» төркөмө, Арыҫлан-Әмәкәс ауылы ағинәйҙәре матур концерт бүләк итте. Рәхмәт барыһына ла! Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Айгөл ҙур булмаған ауылда өләсәһе менән генә йәшәне. Ата - әсәһен ныҡлап хәтерләмәй ҙә ул. Ҡыҙға дүрт йәш булғанда аттары – нийе менән бергә боҙ аҫтына китеп һәләк булған. Ауыл Салауат ҡалаһынан әллә ни алыҫ түгел. Тураға Ағиҙел аша сыҡһаң биш саҡрымдай ғына. Халыҡ йәйен урабыраҡ аҫмалы күперҙән, ҡышын йәйәү ҙә, ат менән дә боҙ аша ҡалаға йөрөй. Айгөлдөң ата-әсәһе йомоштарын йомошлап ҡайтып килгәндә бәләгә юлыҡҡан да инде. Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлыҡ булһа ла ышанма, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер - һыу ҡалҡа башлаған мәлдә булды был хәл. Айгөл ҙур булмаған ауылда өләсәһе менән генә йәшәне. Ата - әсәһен ныҡлап хәтерләмәй ҙә ул. Ҡыҙға дүрт йәш булғанда аттары – нийе менән бергә боҙ аҫтына китеп һәләк булған. Ауыл Салауат ҡалаһынан әллә ни алыҫ түгел. Тураға Ағиҙел аша сыҡһаң биш саҡрымдай ғына. Халыҡ йәйен урабыраҡ аҫмалы күперҙән, ҡышын йәйәү ҙә, ат менән дә боҙ аша ҡалаға йөрөй. Айгөлдөң ата-әсәһе йомоштарын йомошлап ҡайтып килгәндә бәләгә юлыҡҡан да инде. Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлыҡ булһа ла ышанма, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер - һыу ҡалҡа башлаған мәлдә булды был хәл. Тормоштары бик етештән булмаһа ла матур ғына йәшәне Айгөлдәр. Маһира инәй ҡыҙҙы бар көсөн һалып тәрбиәләргә тырышты. Ейәнсәре тыныс холоҡло, уңған, тырыш ҡыҙ булды. Һәр эштә ныҡлы ярҙамсы, уҡыуҙа ла һынатманы. Һигеҙенсе класты бөткәс, Айгөл өләсәһенә медучилищеға уҡырға барырға теләге барын әйтте. Маһира инәй уның ниәтен хупланы ғына. Имтихандар тапшырыр алдынан үҙе ейәнсәре менән бергә Салауатҡа барып, унда йәшәгән әхирәтенең ҡыҙына фатирға урынлаштырып ҡайтты. Ниндәйҙер ауырыуы арҡаһында бала таба алмаған һәм шуны сәбәп итеп ире ташлап киткән ҡырҡ йәштәр тирәһендәге Нәсимә исемле был ҡатын ҡыҙҙы бик йылы ҡабул итте. Уның өсөн өлтөрәп торҙо. Айгөл тәүге имтиханын яҡшыға тапшырҙы. Әммә бәлә аяҡ аҫтында тиҙәр бит, икенсеһенә китеп барғанда, трамвай юлына эләгеп тәгәрәп, һул аяғын һындырҙы. Ҡыҙҙы тиҙ ярҙам машинаһы менән алып китеп, хәстәханаға һалдылар. Хыялдары тормошҡа ашмауына бик хафаланды Айгөл. Алабарманланып, бәләгә тарып ятыуына үҙен-үҙе әрләне. Ләкин, ни эшләһен, булаһы - булған, яҙмыштыр инде, тип уфтаныуҙан башҡа сара юҡ. Өләсәһе менән Нәсимә апаһының килеп йыуатыуҙары ғына күңеленә бер аҙ дауа булды - булыуын. Ләкин бер ямандың бер яҡшыһы ла була икән шул. Айгөл хәстәханала тәүге мөхәббәтен осратты. Үҙен дауалаған табипҡа ҡапылдан үлеп ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Һомғол буйлы, ҡара бөҙрә сәсле үтыҙ йәштәр самаһындағы был ир - егет ҡыҙға бигерәк тә иғтибарлы, ихтирамлы булып, янына йыш ҡына инеп сығып йөрөнө, яғымлы ҡарашы менән иркәләп, матур һүҙҙәр һөйләп күңелен йыуатты. Айгөл Айрат янында булғанда ниндәйҙер, әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт кисерҙе, йөрәге дөрҫләп типте, күңеле ярһып ҡайҙалыр ашҡынды. Тәүҙәрәк аңғармаһа ла, һуңыраҡ үҙенең ғашиҡ булыуын төшөнөп, ҡурҡып та ҡалды ҡыҙ, хатта. Шулай ҙа хәстәханаға эләгеп, унда мөхәббәтен осрата алыуына, һөйгән кешеһенең һәр саҡ янында булыуына ҡыуанып, үҙен бик тә бәхетле тип һананы. Тик бына хәстәхананан сыҡҡас нимә эшләрен, Айратты күрмәй нисек йәшәрен уйлап ҡайғыға ла төштө. Ә уныһының: «Уҡырға киләһе йыл инерһең, быйылға бында санитарка булып эшкә урынлаш, үҙем ярҙам итермен», - тигәнен ишеткәс, ҡыуанысының иге-сиге булманы. Тимәк, улар бергә эшләп, бер-береһе менән осрашып, күрешеп торасаҡ. Айраттың ҡатыны, балаһы барын белде Айгөл. Ләкин һөйөү утында янған ҡыҙ быға әллә ни иғтибар ҙа итмәне. Хәстәханала эшләй башлауына ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, Айрат Айгөлдө үҙенең тыуған көнөн икәүҙән - икәү генә үткәреү өсөн ҡала ситендәге баҡсаһына саҡырҙы. Ҡыҙ бер һүҙһеҙ риза булды ла ҡуйҙы. Унда Айрат мөхәббәттән дә, шарап шауҡымынына да башы әйләнгән ҡыҙҙың ҡолағына наҙлы һүҙҙәр шыбырҙаны. Ҡатынын яратмауын, балаһы хаҡына ғына уның менән бергә йәшәүен, нисек тә айырылышып, Айгөл менән ҡауышасағын да әйтергә онотманы. Шул көндө баҡсала ҡунып ҡалды улар. Артабан да йыш ҡына унда барып йөрөнөләр. Һыуыҡтар төшкәс, Айрат һөйәркәһен иптәшенең буш торған фатирына урынлаштырҙы. Нәсимә апаһы уны бик ебәргеһе килмәһә лә, ни эшләһен, күҙ йәштәре аша оҙатып ҡалды. Үҙенең ауырлы икәнен Айраты һөнәре буйынса Чечняға оҙайлы командировкаға киткәс кенә белде Айгөл. Башта ҡыҙ ҡаушап, был килеш бер яңғыҙым нишләрмен икән, тип ҡурҡыуға төштө. Аҙаҡ башынан әлдә Айрат белмәй китте, ҡайтыуына матур сюрприз булыр, тигән уй үтте. Ейәнсәрен ҡорһаҡлы килеш күреү менән йөрәген тотоп түшәккә йығылған өләсәһе шул ятыуынан торманы, гүр эйәһе булды. Был хәл Айгөлдө һеңгәҙәтә һуҡты. Үҙен-үҙе ғәйепләп, әллә күпме тыныслана алмай яфаланды ул. Ауыр саҡтарында әлдә таяныр кешеләрем, - Айратым һәм ҡорһағымда уның балаһы бар, тип йыуаныс тапҡан булды. Балаһы тыуыу менән табиптар тураһын ғына әйтмәй: «Ҡыҙың зәғиф, һиңә уны тәрбиәләү бик ауырға төшәсәк», - тип иҫкәртеп ҡуйҙы. Палатала бергә ятҡан бер-ике ҡатын да йоҙроҡтай ғына сабыйға ҡарап: «Һин үҙең дә бала ғына бит әле, етмәһә яңғыҙһың, ҡыҙыңды бында ғына ҡалдыр ҙа ҡуй», - тип кәңәш бирҙеләр. Әммә йәш әсәгә үҙ ҡарынынан сыҡҡан, һөйгән кешеһенән тапҡан бәләкәй генә йомарлаҡ шул тиклем яҡын, шул тиклем йәл тойолдо, хатта уны бер минутҡа ла ҡулынан ысҡындыраһы килмәне. Айгөлдө күрергә килгән Нәсимә апаһы ла: «Ҡалдырып китәһе булма, үҙем ҡарашырмын», - тип киҫәтеп ҡуйҙы һәм Айгөл сабыйын күтәреп фатирына ҡайтыу менән көн дә тип әйтерлек килеп уны тәрбиәләште. Балаһын тәү күреүҙә үк: «Ниңә таптың уны, кемгә хәжәте бар был етлекмәгәндең!» – тип, Айрат үҙен шатландырырға хыялланған йәш ҡатындың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙағандай итте. Килгән һайын сабыйҙың илауына сыҙамай: «Ҡасан тонсоға инде үләтең!» - тип мыжыуҙан бушамай, Айгөлдө ике ут араһына һалды. Ә бер көндө ул ҡәтғи рәүештә: «Бөгөн үк емтегеңде детдомға илтеп тапшыр, йә ул, йә мин! - тип әйтеп, Айгөлдөң йөрәген үтәнән - үтә телгеләне. Йәш ҡатын оҙаҡ ҡына һушһыҙ ятып, ҡапыл ғына аңына килгән кешеләй Айратҡа төбәлде. Шул саҡ алдында торған әҙәмдең биҙәкле йылтыр ҡоршауы ҡапылдан ҡойолоп төшөп, күҙҙәренә ир-уҙаман урынына бер бахырҙың шәүләһе генә салынғандай булды. «Хайуандың хайуанына ла балаһы ғәзиз, ә был әҙәм үҙ балаһын емтеккә һанай, унан ваз кисә, ниндәй түбәнселек», - тигән уй башынан үтте. Ҡолағында ҡасандыр ауыл клубында ишеткән таҡмаҡтың: «Матур алма тип ҡыҙғайным - ҡортло булды эскәйе» - тигән һүҙҙәре яңғырап киткәндәй булды. Айрат сығып китеү менән Айгөл балаһының әйберҙәрен йыйыштырып алды ла, сабыйын ҡосағына ҡыҫып, Нәсимә апаларына йүнәлде. Күпмелер ваҡыт үтеп, башҡа әйберҙәрен алып китергә тип килгәндә фатирға йәш кенә бер ҡыҙ хужа булып та алғайны инде. Фото: https://pixabay.com/ru Мөҙәрис Багаев. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Башҡорт ҡыҙы! Сибәрлеге, һомғол буйы менән кемдәрҙе генә һоҡландырмаған, кемдәрҙе генә ғашиҡ итмәгән икән ул! Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ та башҡорт ҡыҙҙарын ғорурлыҡ хисе менән телгә алырлыҡ, бөгөн дә ҡыҙҙарыбыҙ тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Ә әлеге һүҙебеҙ Ҡытайҙа үткәрелгән "Матурлыҡ илсеһе" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусы Әлфинә Кашапова хаҡында. Быйыл Әлфинә "Һылыуҡай" республика гүзәллек бәйгеһендә районыбыҙ исеменән сығыш яһап еңеү менән ҡайтҡайны. Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡып йөрөгән ҡыҙ моделлек эше менән дә профессиональ рәүештә шөғөлләнә. Республика, ил, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша ул. "Линара Рауил ҡыҙы Таһирова етәкселегендәге "Bashkirian beauty" моделлек студияһы минең иңдәремә ҡанат ҡуйҙы, ҙур еңеүҙәргә илтеүсе юлды ошо студияла таптым", - ти Әлфинә. "Матурлыҡ илсеһе" халыҡ ара гүзәллек бәйгеһе быйыл ун бишенсе тапҡыр Ҡытайҙың Маньчжурия ҡалаһында үткәрелә. Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, Монголиянан конкурста бөтәһе 60 ҡыҙ көс һынаша. Әлфинә "ҡайнап торған" самауыр менән башҡорт ҡыҙҙары бейеүен бейеп залды хайран итә. Жюри был сығышы өсөн уны "Топ талант" номинацияһында еңеүсе тип иғлан итә. "Был конкурс миңә үҙ-үҙемә икенсе күҙлектән ҡарарға, башҡа һәләттәремде асырға ярҙам итте. Миңә ышанған, минең өсөн янып-көйгән атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарымдың ышанысын аҡланым тип уйлайым. Һәм һәр береһенә оло рәхмәттәремде еткерәм. Мине әҙерләп конкурсҡа ебәргән "Bashķirian Beauty" студияһына, матди яҡтан ярҙам күрһәткәне өсөн Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафинға, конкурсҡа әҙерләнгән ваҡытта төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән район мәҙәниәт йортонда эшләүсе Зарипова Тәнзилә Ғәлимулла ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен", - тип ихлас йылмая Әлфинә. Афарин, һылыу! Һинең менән ғорурланабыҙ. Районыбыҙ, республикабыҙ исемен тағы ла данларһың, киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәргә үрләрһең, тип ышанғы килә! Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Бер көн Ғәлим йомош буйынса Сабирға йүгереп инеп сығырға булды. Туҡылдағанға бер асманы. Ишекте эткәйне – асылып китте. Шунда уҡ тырам-тырағай ятҡан кейемдәргә эләгеп ҡолап китә яҙҙы. Сәлиәнең көлгән тауышын ишетеп аптырап китте. Тауышҡа барҙы... Ғәлимдән бәхетле кеше юҡ ине донъяла. Сәлиәһенә өйләнгәндә кәләше училищелағы иң матур ҡыҙҙарҙың береһе булып һанала ине. Әммә уның сибәрлеген хәҙер күрһәләр! Беренсе бәпестәрен тапҡандан һуң Сәлиәһе сәскә атты ла ҡуйҙы. Урам буйлап китеп барһалар, бар ир-аттың күҙе кәләшендә. Ғәлим ҡыҙғанһа ла, шундай сибәр ҡатындың үҙенекенә булыуына һөйөндө генә. Ә Сәлиәгә ирҙәрҙең үҙенә күҙ атыуы бик оҡшай ине. Серле генә йылмайып, ҡарашы менән яуап бирер ине. Тиҙҙән икенсе улдары тыуҙы. Был баланы табыу кәләшен тағы матурайтып ебәрҙе. Эштән ҡайтып килгәндә Ғәлим күптәнге танышы – Сабирҙы осратты. Уны әйҙүкләп йортона алып ҡайтты. Сәлиәне күргән Сабир телһеҙ ҡалды. Осрашыу хөрмәтенә рюмка тотҡандарында ул: “Эх, Ғәлим дуҫ, ни тиклем бәхетле һин! Кәләшең матур, өҫтәүенә бәпестәрең бар. Минең бисә албаҫты кеүек, бала табырға ла эшкинмәй!”-тине. Киләһе ял көнөнә Сабир ҡатынын эйәртеп тағы ҡунаҡҡа килде. Миләүшәне бер ҙә албаҫты тип әйтерлек түгел ине. Һөйкөмлө ҡатын. Тик күҙҙәре генә бойоҡ. Бәпестәр менән уйнағанда ғына күҙҙәре шат осҡондар сәсте. Ғаиләләр үҙ-ара татыулашып, һәр ял-байрамды бергә үткәрә башланы. Миләүшә Сабирының Сәлиәне ашай яҙып ҡарауын күреп бик көйә ине. Шулай ҙа хистәрен тышҡа сығарманы. Сәлиә иһә ирҙең үҙен оҡшатҡанды белеп уға бер туҡтауһыҙ серле ҡарашын бүләк итте. Бер көн Ғәлим йомош буйынса Сабирға йүгереп инеп сығырға булды. Туҡылдағанға бер асманы. Ишекте эткәйне – асылып китте. Шунда уҡ тырам-тырағай ятҡан кейемдәргә эләгеп ҡолап китә яҙҙы. Сәлиәнең көлгән тауышын ишетеп аптырап китте. Тауышҡа барҙы. Сабир менән Сәлиә түшәктә аунай ине. Уны ҡапыл күреп ҡалған ҡатыны карауат янындағы кейемен эҙләй башланы. Ҡайҙан инде ул! Подъезда уҡ бер-береһенә сат йәбешеп, ишек төбөнән кейемдәрен сисеп бырғата башлағайнылар бит. Өнһөҙ, ҡурҡып ҡалған Сабир менән Сәлиәгә Ғәлим бер ынтылды ла, ҡапыл боролоп сығып китте. Ул ҡайтып инеү менән әйберҙәрен йыя башланы. Бер ярым һәм өс йәшлек улдарын алып әсәһенә ҡайтып китте. Әсәһе барыһын да аңланы. Килене үҙенә ҡарата эре, һауалы булһа ла, улы ни булһа ла ғаиләле булһын тип араларына ҡыҫылмай, йорттарына бармай, үҙ өйөнән тороп ҡына ейәндәрен ҡараша ине ул. Ә Сәлиә килмәне лә, ғәфү үтенмәне лә. Ҡапыл килеп баҫҡан ярһыу мөхәббәттән шашҡан ине ул. “Башты юғалтып һөйөү шул була икән ул” тип һөйләне ул әхирәттәренә маһайып. Сабир уның янына күсеп килде. Ире сығып киткәс, Миләүшә еңел һулап ҡуйҙы. Сабирҙың ни тиклем ауыр холоҡло, йөрөмтәл булыуын ул ғына белә ине. Күптән хыял иткәнсә, балалар йортонан опекунлыҡҡа бер ҡыҙ алды. Үҙен әсә булып тойоуҙан Миләүшә яҡтырып, балҡып китте. Ғәлим уны осраҡлы рәүештә паркта осратты һәм тәүҙә таныманы. Үҙен ышаныслы тотҡан, тулыһынса үҙгәргән Миләүшәгә һоҡланып бөтә алманы ул. Тик телефонын да һорамай ултырып ҡалған. Тағы улар ике айҙан осрашты һәм аралаша башланы. Ғәлим ике улы менән, Миләүшә тәрбиәгә алған ҡыҙы менән паркта йөрөнө, ял итте. Әсә йылыһына мохтаж малайҙар ҡатынға сат йәбеште. Сөнки үҙ әсәләре улар хаҡында иҫенә лә төшөрмәне, килмәне лә. Ғәлим Миләүшәгә бергә йәшәргә тәҡдим яһаны. Улар ике фатирҙы һатып, ике ҡатлы яңы йорт һатып алып инде. Ғәлимдең әсәһе Миләүшәгә һөйөнөп бөтә алманы. Бар балаларҙы бер ҡарай, үҙенә ҡарата шул тиклем ихтирамлы, Ғәлимде ярата. Миләүшә менән уларҙың ғаиләһенә йылылыҡ, сафлыҡ, яҡтылыҡ килеп инде. Ғәлим ҡатынына ҡарап: “Мин нисек унһыҙ йәшәнем икән?” тип аптыраны. Өйҙә һәр саҡ татыулыҡ, тик балаларҙың шат тауышы ғына яңғырап тора. Тиҙ генә үсегеп барған, бер нәмә булһа тамаҡ төбө менән аҡыра башлаған Сәлиә ҡурҡыныс төш һымаҡ булып ҡалды. Тиҙҙән Миләүшә ауырға ҡалды. Был барыһы өсөн дә ҙур шатлыҡҡа әйләнде. Ә инде ул игеҙ бәпестәр тапҡас, Ғәлимдең бәхетенең иге-сиге булманы. Бала табыу йортона ул әсәһе, ике улы, бер ҡыҙы менән шатланып атлыҡты. Хәҙер тағы бер уллы, бер ҡыҙлы булған атай кеше бәхетенән илай яҙырлыҡ хәлдә ине. Донъя түңәрәкләнде. Ҡотло йортта биш бала, яратҡан ҡатыны, ғәзиз әсәһе. Уға башҡа артыҡ бер ни ҙә кәрәк түгел ине. Сабир элекке ҡатынының бал тапҡанын ишеткәс асыуынан шартлай яҙҙы. Быға тиклем ул Миләүшәне түлһеҙлектә ғәйепләп йөрөнө. Сәлиә үҙенә бала табыр тип өмөтләнгәйне. Тик барыһы ла буш хыял булып сыҡты. Сәлиәнең дә матурлығынан башҡа бер нимәгә эшкинмәгәнен аңлаған ине ул. Ашарға бешермәй, өйҙә һәр саҡ тәртипһеҙлек, бысраҡ. Сабир элекке ғәҙәтен ҡайтарып, башҡа ҡатындар менән йөрөй башланы. Сәлиә был хаҡта белеп тауыш ҡуптарғас, уны бәргесләп алды. Шул саҡта ғына ҡатын үҙенең беренсе ире менән ни тиклем бәхетле булғанын аңланы. Ғәлимде урамда һағалап тотоп алды. “Балалар хаҡына, ғәфү ит!”-тип ялбарҙы. Тик ир уға екһенеп ҡараны. Йә, Хоҙай ошо бисәне ысын яраттымы икән ул?! Ғәлим йәһәтләп яратҡан ҡатыны һәм балалары янына ашыҡты. Сәлиә Сабирҙы ҡыуып сығарҙы. Матур ҡатын янына ирҙәр күп йыйылды, тик береһе лә оҙаҡҡа ҡалманы. Сәлиә башҡа бер ҡасан да кейәүгә сыға алманы. Сабир эскелеккә һабышып ҡайҙалыр юғалды. Улар икеһе лә ҡулындағы бәхет ҡошон ысҡындырған ине инде...
3 март бөйөк композитор, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге, “Филантроп” халыҡ-ара конкурсының тәүге премиялары лауреаты, Рәсәйҙең Д. Шостакович ис. композиторҙар Союзы премияһы лауреаты Салауат Низаметдиновтың тыуған көнө! Бөтә ғүмерен Салауат Низаметдинов музыкаға бағышлай. Уның ижадында опера ла, симфония ла, хор ҙа, романс та, драма спектаклдәренә музыка ла, эстрада йырҙары ла бар. Салауат Низаметдиновтың яҡты хәтеренә арналған, үҙе яҙған йырҙар шәлкеме беҙҙең телеканалда бөгөн көн буйына оҙатып барыр... #КурайТВ #Курай Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы киҫкенләшеүе менән бәйле, “Изгелек шишмәһе” халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге үҙаллы изоляциялағы өлкәндәргә хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тергеҙә. Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы киҫкенләшеүе менән бәйле, “Изгелек шишмәһе” халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге үҙаллы изоляциялағы өлкәндәргә хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тергеҙә. 65 йәштән өлкән йәштәгеләр үҙәккә шылтыратып аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-ярағын килтереүҙәрен һорай ала. Хеҙмәттәр “Эш менән дә, һүҙ менән дә!” Президент фонды гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылған проект сиктәрендә күрһәтелә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34740) 2-72-26. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Һәр атай-әсәй сабыйының тулы бәхеткә өлгәшеп, киләсәктә терәк һәм таяныс буласағына ышана. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр үҙҙәре тәрбиә биреүҙә хаталанып, яңылышып, бер сиктән икенсеһенә һуғылып бер була. Һөҙөмтәлә сабыйға бағлаған өмөттәр аҡланмай ғына түгел, ә шәхес булараҡ үҫешенә кире йоғонто яһап, төҙәтелмәҫтәй эҙемтәләргә килтерә. Тәрбиәгә бәйле бер нисә ваҡиғаны өйрәнеп, тормошта йыш осраған хаталарҙың сәбәптәрен асыҡлап ҡарайыҡ. Беренсе осраҡ – өлкән була белмәү Хәҙер бала менән тиң мөнәсәбәт ҡороу, дуҫлыҡ булдырыу тормоштағы бар мәсьәләне лә ыңғай хәл итәсәк, тигән фекер йөрөтөүселәр бар. Әммә дуҫлыҡ тигән төшөнсәнең дә тәрәнгә йәшеренгән хәүефле яғы бар. Талаптар ҡуймайынса, нимәлер эшләргә ҡыҙыҡһыныу уятмайынса, күңеленә сәм ойот-ҡоһо һалмайынса тороп, баланы шәхес итеп тәрбиәләү мөмкин түгел шул. Әгәр элек сабыйҙы ғаиләлә артыҡ осондормай, хатта баҫырып тигәндәй тәрбиәләгән булһалар, бөгөн күптәр икенсе сикте һайлай. Бәләкәсте гел аңларға тырышыу, үҙ ыңғайына ҡуйыу, артыҡ иреклек сиктәрҙе билдәләй белмәгән атай-әсәйҙең абруйын ҡаҡшата ғына түгел, ә быуындар араһында төпһөҙ даръя барлыҡҡа килтереү ҡурҡынысы менән янай. Беҙ, бала тыуғандың тәүге көнөнән алып, уның күңеленә, аңына тормош хаҡында белем һалыуҙы йәшәү асылыбыҙ итеп алырға тейеш. Әгәр ҙә өлкәндәр, бала тормошондағы мөһим осорҙо етди ҡабул итмәй, бар нәмәне үҙ яйына ҡуйып, насар ҡылыҡтарына күҙ йомоп, талаптарһыҙ тәрбиәләһә, үҫмер йәшенә еткәндә ул атаһы менән әсәһен хөрмәт итмәй, көсһөҙлөгөндә, уңышһыҙлығында яҡындарын ғәйепләйәсәк бит. Кескәйгә дөрөҫ йүнәлеш биреү, үҙ асылын табырға ярҙам итеү, төрлө күҙәтеүҙәр, фәһемле ваҡиғалар аша бәхетле булыу зирәклегенә төшөндөрөү, әммә үтенмәү, ниәтең тиҙ генә ғәмәлгә ашмағанда ла, бала алдында туҙынмау, мыжымау, асыу һаҡламау, ғәйеп яҡмау – быларҙы үтәү әллә ни ауыр ҙа түгел һымаҡ. Бары үҙеңде өлкәндәрсә тотоу ғына талап ителә… Икенсе осраҡ – битарафлыҡ Хәҙер ҡырҡ йәштәгеләр генә түгел, хатта иллене барлаусы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат араһында үҙен йәш-елкенсәктәй тотҡан һәм ҡылығында ла, кейемендә лә ошоно сағылдырырға тырышҡан атай- әсәйҙәр менән олатай-өләсәйҙәр барлыҡҡа килде. Улар ҡыҙ-улдарын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙҙәренең тиңдәше кеүек ҡабул итә, улар менән дуҫтарса аралаша. Эйе, тәү ҡарамаҡҡа ике яҡ өсөн дә уңайлы, ҡыҙыҡ һымаҡ. Ләкин ундай ғаиләлә үҫкән баланың да ғәҙел, тормош һөйөүсән, үҙен ихтирам иткән ысын шәхес булып нығыныуы икеле. Уға бәләкәстән, үҙ йәшенең хәл итәһе мәсьәләләрен, һөйөнөстәрен ситкә ҡуйып, һөйөклө, әммә өлкәнәйә белмәгән, тотороҡһоҙ ата-әсәһенең вәкәләттәрен үҙ иңенә алырға тура килә. Әгәр ата-әсә ваҡытында аҡылға килмәһә, шиксел, ҡыҙыу йәнле, тынысһыҙ, ауырыуҙарға бирешеүсән бәндә үҫеп сығасаҡ. Яҡындарға ҡарата уяуыраҡ, һағыраҡ, хәстәрлеклерәк, иғтибарлыраҡ булыу ғаилә бөтөнлөгөн һаҡларға һәм мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә алып сығырға ярҙам итәсәк. Өсөнсө осраҡ – сер үлсәме Тәүгеләре менән сағыштырғанда, әлеге тәрбиә төрө йыш осрай. Бала бөтә эс серен әсәһенә һөйләй. Ә ул, йөҙөнә ғәжәпләнеү шәүләһе лә сығармай, ғәйепләмәй генә тыңлай. Һуңынан, үҙ тормош тәжрибәһенән сығып, кәрәкле кәңәшен бирә. Уның һәр һүҙе йотлоғоп тыңлана. Әйткәндәй, дуҫлыҡ төшөнсәһе үҙе үк тигеҙ, асыҡ, ғәҙел мөнәсәбәттәр булдырыуҙы талап итә. Тимәк, әсәй ҙә ауыр саҡта үҙ кисерештәре менән мөрәжәғәт итергә һәм аңлауын тойорға тейеш. Шуны күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: ул һин йәшәгәнде йәшәмәгән, күргәнеңде күрмәгән, той-ғаныңды тоймаған. Тулыһынса асылып, үҙ хәсрәтеңде уға нисек туғараһың? Был тәңгәлдә лә аҡыл һәм сама менән эш итеү яҡшы. Иң мөһиме – балағыҙ һеҙҙең йөҙҙә дуҫҡа түгел, ә донъялағы ғәзиз кешеләр – атай менән әсәйгә нығыраҡ мохтаж икәнен аңлау.
Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойошторолған “Башҡортостан продукттары. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” хәйриә проекты старт алды. Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойошторолған “Башҡортостан продукттары. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” хәйриә проекты старт алды. Аҙыҡ-түлек тупланмалары йән башына уртаса килеме балаларға тәғәйен йәшәү минимумынан түбән булған аҙ тәьмин ителгән, шулай уҡ айлыҡ балалар пособиеһы алған күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнә. Проект төбәктең эре етештереүсе предприятиелары тарафынан да хуплау тапты. Төп бағыусылар – “Интер РАО ЕЭС”, Башҡортостан сода һәм Урал тау-металлургия компаниялары. Улар тарафынан бүленгән аҡсаға 100 мең ҡап аҙыҡ-түлек тупланмаһы әҙерләнгән. Тупланманың составына урындағы етештереүселәр тәҡдим иткән көндәлек ихтыяжға эйә, сифатлы продукттар ингән. Мәҫәлән, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, “Башбакалея” ярмалары, Шишмә көнбағыш майы, Өфө ит-консерва комбинатында етештерелгән быҡтырылған ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек ярҙамға мохтаждар күңеленә хуш киләсәк. Ярҙамды тәү сиратта 79 мең аҙ тәьмин ителгән ғаилә аласаҡ. Ҡалған аҙыҡ-түлек тупланмалары ауыр хәлдә йәшәгән граждандарға тәғәйенләнгән. Ғаризалар төбәк колл-үҙәгенә (8-800-201-89-03), республиканың ҡала һәм райондарындағы “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәнлек штабтарының "ҡыҙыу бәйләнеш"тәренә ҡабул ителә. Һәр мәғлүмәт социаль хеҙмәттәр, йорт комитеттары һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре тарафынан етди тикшерелә. Ярҙамдың тәүге партияһы – 5000 ҡабы Өфө ғаиләләренә тапшырыласаҡ. Артабан, графикка ярашлы, аҙыҡ-түлек тупланмалары республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларына ебәреләсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Төнгө 11-ҙән һуң тауышланырға ярамай икәнен беләбеҙ. Әле килеп сикләү ваҡытының оҙайтылыуы ихтимал. Федерация Советы Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына төҙәтмәләр әҙерләгән һәм улар тап ошо хаҡта иҫкәртә. Тиҙҙән закон проекты Рәсәйҙең Юстиция министрлығына йүнәлтеләсәк. Шулай итеп, Рәсәйҙә тәүлектең 13:00 – 15:00 һәм 19:00 – 09:00 сәғәттәрендә тауышланыуҙы тыйырға йыйыналар. Был ҡағиҙә ял һәм байрам көндәренә лә ҡағыласаҡ. Төҙәтмәләрҙең төп маҡсаты – балалы ғаиләләрҙең тыныс тормошҡа хоҡуғын һаҡлау. Ә бит, ысынлап та, тап төшкө осорҙа сабыйҙар йоҡлай, ә дрель, көслө музыка балаға ғына түгел, өлкән кешегә лә ҡамасаулай. Белгестәр билдәләүенсә, киҫкен тауыштар балаларҙың психик үҫешенә кире йоғонто яһай., Шуныһы мөһим, яңылыҡ йыл ярым ваҡыттан алда сафҡа индерелгән объекттарға ғына ҡағыла, йәғни, фәҡәт яңы йорттарҙа тыныс күңел менән ремонт эшләргә, әйберҙәр ташырға мөмкин. Ә инде нормативтарҙы боҙған өсөн физик шәхестәргә – 500-ҙән 3 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 10 меңдән 20 мең һумға тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға 10 меңдән 25 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 20 мең һумдан 40 мең һумға тиклем административ штраф янаясаҡ. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Диләрә – сәскәләй наҙлы, нәзәкәтле, сибәр ҡыҙ. Уның һөйләшеүе лә йыр һымаҡ яңғырай. “Башҡортостандың алтын сопраноһы” тигән исемгә лайыҡ һылыуҙа һауаланыуҙың әҫәре лә юҡ. Ул үҙенең тыйнаҡлығы, нәзәкәтлелеге менән әсир итте. Әңгәмәлә һүҙ моң донъяһы, уны уңышҡа илткән юлдар хаҡында. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, юғары музыка сәнғәтендә ҙур уңыштарға өлгәшкән талантлы яҡташыбыҙ Диләрә Иҙрисова менән осрашыу алдынан бер аҙ тулҡынландым. Ни тиһәң дә илаһи музыка сәнғәте хаҡында әңгәмә көтә. Телефон аша аралашыу мәлендә үк уның тәртип яратыуын, үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсан зат булыуын тойҙом. Хәйер, уңышлы кешеләрҙең барыһы ла шулай. Йәнә Диләрә сәскәләй наҙлы, нәзәкәтле, сибәр ҡыҙ. Уның һөйләшеүе лә йыр һымаҡ яңғырай. “Башҡортостандың алтын сопраноһы” тигән исемгә лайыҡ һылыуҙа һауаланыуҙың әҫәре лә юҡ. Ул үҙенең тыйнаҡлығы, нәзәкәтлелеге менән әсир итте. Әңгәмәлә һүҙ моң донъяһы, уны уңышҡа илткән юлдар хаҡында. – Диләрә, донъя кимәлендә ҙур-ҙур еңеүҙәр яулайһың. Был ҡаҙаныштар һиңә нисек тәьҫир итә? Әйтәйек, күптән түгел Тулузалағы Халыҡ-ара вокалистар конкурсында икенсе Гран-при һәм “Тамашасы һөйөүе” призын яулағандан һуң нимәләр кисерҙең? – Тулузалағы конкурс – донъя вокал сәнғәте өлкәһендәге иң етди сараларҙың береһе. Шуға күрә һайлап алыу турын үткәс, бик шатландым. Маҡсатым – беренсе турҙа һәйбәт итеп йырлау ине, еңеү тураһында уй ҙа булманы. Бындай ҙур дәрәжәле конкурста сығыш яһау мөмкинлеген генә лә бәхет тип ҡабул иттем. Бәлки, шуға ла уңышлы сығыш яһағанмындыр... Конкурста беренсе дәрәжә Гран-при бер кемгә лә тапшырылманы, икенсеһен мин алдым. Шулай булғас, ҡыуанысымды аңлайһығыҙҙыр! Әммә бәхеткә илереп оҙаҡ йөрөмәнем, ҡайтыу менән, ғәҙәттәгесә, башкөллө эшкә сумдым. – Нимә ул һинең өсөн моң? – Моң – кешенең эске тойғоларын сағылдыра торған бер мөғжизә. Драма театрында актер һүҙ ярҙамында эшләй, балетта – хәрәкәттәр, ә операла һүҙ ҙә, хәрәкәт тә, музыка ла бар. Опера – сәнғәттең иң гүзәл төрөлөр, тип уйлайым. – Яңылышмаһам, хеҙмәт юлың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башланмаған. Һин бында урау юлдар аша килгәнһең? – Хеҙмәт юлым Стәрлетамаҡ филармонияһында башланды. Өфө сәнғәт академияһынан һуң, ысынлап та, театрҙа урын юҡ, тинеләр, хатта филармонияға ла алманылар. Уҡыуҙы тамамлағас та шундай ҡаршылыҡҡа осрау бик ныҡ кәйефте ҡырҙы, әлбиттә. Ярты йыл эш таба алмай йонсоном. Ләкин инәйемә (Диләрә диалектҡа ярашлы, әсәһенә инәй тип өндәшә. – Авт.) һәм башҡа яҡындарыма минең өсөн эш һорап йөрөйһө булмағыҙ, барыһын да үҙем хәл итермен, тип киҫәтеп ҡуйҙым. Берҙән-бер көндө миңә Стәрлетамаҡ филармонияһының художество етәксеһе Лира Әнүәр ҡыҙы Фәйзуллина шылтыратты ла: “Аңлайым, һин операла йырларға теләйһең һәм, әлбиттә, ҡасан да булһа театрҙа йырлаясаҡһың. Әйҙә, әлегә беҙҙә эш башла. Китер булһаң, тотҡарлап тормабыҙ”, – тине. Ризалаштым. Мине шундай ҡатмарлы мәлемдә ҡанатландырып ебәргәне өсөн Лира Әнүәр ҡыҙын һәр ваҡыт рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Стәрлетамаҡта ике аҙна ла эшләп өлгөрмәнем, Силәбе опера театрына саҡырҙылар. Әлбиттә, бик теләп эшләнем унда, опера сәхнәһендәге тәүге аҙымдарымды шунда яһаным. Бер миҙгел эшләгәс, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға – Мәскәү консерваторияһына аспирантураға уҡырға барырға ҡарар иттем. Әммә Силәбе театры етәкселәре, йә уҡыйһың, йә эшләһең, тип һайлау алдына ҡуйҙы. Мин, әлбиттә, белемде камиллаштырыу, үҙеңде үҫтереү мөһимерәк тигән фекерҙә инем. Һөҙөмтәлә Мәскәүҙе һайланым. Шул арала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ла урын табылды. Эшләп тә, уҡып та йөрөнөм. Хәҙер инде аспирантураны ла тамамланым. – Һин хәҙер ай һайын тиерлек сит илдәрҙә сығыш яһайһың. Киләһе сығышың ҡайҙа? – Швейцарияның Лозанна ҡалаһында. Композитор И. Хассеның “Сирой” операһында йәш хәрби – генерал Аракс ролен башҡарасаҡмын (Әңгәмә әҙерләнгән мәлдә Диләрә уңышлы сығыш яһап ҡайтты. – Авт. ). Әйткәндәй, уны концерт вариантында Мәскәүҙә, Краковта (Польша) һәм Амстердамда (Бельгия) ла ҡуйғаныбыҙ булды. Ә был юлы тамашасыға спектакль вариантында тәҡдим итәсәкбеҙ. – Ә Европаға юлды нисек ярҙың һуң? – Мәскәүҙә аспирантурала уҡыған саҡта бер көндө әхирәтем мине Великобританиянан килгән Дебора Йорк исемле йырсының мастер- класын ҡарарға саҡырҙы. Унда консерватория студенттары, аспиранттары йырланы. Минең йырларға ниәтем дә, әҙерлегем дә юҡ ине. Тик дәрес тамамланыр алдынан Дебора: “Бер нисә минут ҡалды. Кем йырларға теләй?” – тип мөрәжәғәт иткәс, көтмәгәндә әхирәтем: “Бына ошо ҡыҙҙың йырлағыһы килә!” – тип әйтеп һалмаһынмы! Башта юғалып ҡалдым. Тиҫкәреләнеп ултырып булмай бит инде, сығып йырларға тура килде. Ә дәрес тамамланғандан һуң яныма бер ҡатын килеп, исемемде, телефонымды һорап алды (ул консерваторияның йәш уҡытыусыһы Екатерина Антоненко булып сыҡты). Һуңынан минең хаҡта ағаһы – пианист, дирижер, опера агенты Михаил Антоненкоға хәбәр иткән. Күп тә үтмәй, Михаил минең менән бәйләнешкә сығып, танышып киттек, һәм бергә эшләй ҙә башланыҡ. Ул минең яҙмаларымды Грециялағы “Парнассус” исемле опера агентлығына тәҡдим итте һәм 1–2 айҙан мин ошо агентлыҡтың эксклюзив солисткаһы инем инде. Шулай итеп, минең яҙмышымды осраҡлы ғына сығышым хәл итте лә ҡуйҙы! “Парнассус”тағы тәүге эшем – Г. Ф. Генделдең “Александр” операһындағы төп роль – Лизаура роле булды. Был әҫәрҙе 2014 йылда тәүләп Мәскәүҙең Чайковский залында ҡуйҙыҡ, 2015 йылдың июль айында иһә Германияла Гендель фестивалендә сығыш яһаныҡ. Хеҙмәттәшлек шулай башланды. “Парнассус”бер урында ултырмай, төрлө илдәрҙә сығыш яһайбыҙ. Ундағы һәр спектаклгә төрлө илдәрҙән йырсылар саҡырыла. Миңә йыш ҡына исемдәре бөтә донъяға билдәле Юлия Лежнева (Мәскәү), Макс Ценчич (Австрия), Франко Фаджоли (Италия), Хуан Санчо, Хавьер Сабата (Испания) һ.б. йырсылар менән бергә сығыш яһарға тура килә. – Ә яңынан-яңы операларҙы нисек өйрәнеп өлгөрәһең? – Өлгөрөргә тырышам инде. Саҡырыу алғас та, операның ноталарын өйрәнеү, текстарын ятлау башлана. Ҡайһы саҡта миңә видеояҙма ебәрәләр. Яҙманы ҡарап, үҙ аллы өйрәнәм. Һәм тейешле илгә барғас, ҡуйыусы режиссер, дирижер, башҡа артистар менән эшкә тотонабыҙ. “Парнассус”ҡа яңы килеп ҡушылған йырсы булараҡ, мине йыш ҡына әҙер спектаклгә тиҙ арала “индереп” ебәрәләр. Аңлап тораһығыҙҙыр, бындай эш – ул һәр ваҡыт ҙур стресс. Етмәһә, коллегаларың донъя кимәлендәге йондоҙҙар булһа! Ә инде постановка өсөн ваҡыт күберәк бирелһә, репетицияларҙан ләззәт алаһың, рәхәтләнеп эшләйһең. Быйыл йәй, мәҫәлән, Афина ҡалаһында Генделдең “Сципион” операһы ҡуйылды. Ай буйы эшләнек унда. Эш көсөргәнешле булһа ла, мин бик ҡәнәғәт ҡалдым, сөнки ентекләп әҙерләнергә мөмкинлек булды. Әммә бындай мөмкинлектәр йыш тәтемәй. – Ошондай ҙур һорау менән ҡулланған йырсы булырмын тип күҙ алдына килтерә инеңме? – Уйҙарым – үҙебеҙҙең опера театры хаҡында ине. Сит илдәрҙә сығыш яһап йөрөү тураһында хыялланырға ла ҡыймай торғайным… – Йырсының уңышын нимә билдәләй? – Уңыштың сере – көндәлек хеҙмәттә. Уның нигеҙе бала саҡта уҡ һалына. Мин Өфө махсус музыка колледжында уҡыным. Колледжда тәртип ҡаты булды, класыбыҙ ҙа бик көслө ине, сәмләнеп уҡыныҡ. Дәрескә әҙерләнмәй килеү оят һаналды. Мәктәптә сәғәт һигеҙҙән алып көн буйына шөғөлләнәһең: дөйөм мәктәп программаһы буйынса фәндәр музыка дәрестәре менән аралашып бара. Фортепиано артында көн һайын сәғәттәр буйына шөғөлләнеү талап ителә. Дәрестән ҡайтҡас та эш дауам итә: өйгә бирелгән дәрестәрҙе башҡарырға кәрәк бит әле… Иҫемдә, һәр саҡ ваҡыт етмәй торғайны, тәүлектә бары 24 кенә сәғәт бит! Шуға күрә эшһеҙ генә йөрөгәнемде хәтерләмәйем. Минең уйымса, бала саҡтан бындай ҡаты тәртип бик кәрәк – ул кешене теүәллеккә, ваҡытыңды самалай белергә өйрәтә. Һәм әлбиттә, ғаиләңдә аңлауҙары, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙары шарт. Мөмкинлектәреңде асырҙай уҡытыусыларға эләгеүең яҡшы. Иң мөһиме, музыкаға һөйөү кәрәк инде. Даланлылыҡ йәки уңыш йылмайыуы ла мөһим, сөнки Рәсәйҙә шәп йырсылар бик күп. Опера йырсыларын күҙ уңында тотам. Тик һәммәһенең дә “кәрәкле ваҡытта кәрәкле урында” була алмауы, кемдер ишетеп, иғтибар итеү мөмкинлеге сыҡмауы ла ихтимал. – Педагогтар хаҡында һүҙ сыҡҡас, Миләүшә Мортазина тураһында телгә алмау яҙыҡ булыр. Бәлки, ул һеҙҙе шулай сыныҡтырғандыр? – Яҡшы уҡытыусының ҡулына эләгеү – йырсы өсөн бигерәк тә мөһим. Мин данлыҡлы вокал мәктәбе – Миләүшә Ғәлиевна Мортазина мәктәбен үтеүем менән ғорурланам. Был мәктәп күптән инде Башҡортостаныбыҙҙы бөтә Ер шарына танытты. Уның сере нимәлә, тип һораһағыҙ, яуабым шул: Миләүшә Ғәли ҡыҙы йәш йырсының эске потенциалын – мөмкинлектәрен тойомлай белә. Әле асылырға ла өлгөрмәгән тауыштың идеаль яңғырашын алдан ишетеп, баштан уҡ Европа кимәлендәге сифатлы яңғырашҡа өлгәшергә ынтыла. Шул үтә лә юғары стандарттар буйынса эшләгәнгә күрә, уның класында уҡыу анһаттан түгел. Эйе, Миләүшә Ғәлиевна бик талапсан, ҡайсаҡ хатта бик ҡаты. Йырлай алһаң – йырлайһың, йырлай алмайһың икән – ана бара юлың! Дәрестән илап сыҡҡан саҡтар ҙа булды… Хәҙер шуны аңлайым, уның талапсанлығы беҙҙе –уҡыусыларын – ысынлап та сыныҡтырған. Һәм, әлбиттә, Миләүшә Ғәлиевна йырларға ғына өйрәтмәй, ул уҡыусыһын шәхес итеп тәрбиәләй. Мин әле лә өйөнә барып, яңы өйрәнгән партиямды йырлап ишеттермәйенсә, уның фатихаһын алмайынса, сәхнәгә сығармайым. Ул хуплаһа, тимәк, сығышҡа әҙерһең, тигән һүҙ. Сәнғәттә лә бит, спорттағы кеүек, яныңда ышанған кешең булыуы бик мөһим. Әйтәйек, театрҙың балет артистары һәр ваҡыт педагог-репетиторҙары менән шөғөлләнә. Һәм был дөрөҫ тә. Йырсыларға ла шулай кәрәк, тип уйлайым. Һис шикһеҙ, һәр кемдә үҙаллылыҡ тәрбиәләргә кәрәк ул. Әммә йырсы бит үҙ тауышының яңғырашын дөрөҫ ишетмәй, тойомлауға ғына таяна. Ә педагог уны ситтән тыңлап, хаталарын ишетеп, төҙәтергә ярҙам итә. Шуға күрә Миләүшә Ғәлиевнаның кәңәштәре минең өсөн баһалап бөткөһөҙ хазина. Бер мин генә түгел, хатта ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар ҙа, Өфөгә ҡайтҡан арала, уға барып, тауыш аппараттарын “көйләп” китә. Бына шундай принципиаль, тура һүҙле, талапсан кәңәшсең булыу – үҙе бәхет бит ул! – Үҙең дә шул юлды һайлар инеңме? – Аспирантураны тамамлағас, юғары уҡыу йортонда уҡыта алам, әлбиттә. Әммә мин бының ни тиклем ҙур яуаплылыҡ икәнлеген аңлайым. Педагог булыр өсөн диплом ғына етмәй бит, бында айырым һәләт, уҡытыусы таланты кәрәк. Уйлап ҡараһаң, кешенең яҙмышы һинең ҡулыңда, тигән һүҙ бит ул! Әле мин үҙемде дәрес бирерлек кимәлгә еттем, тип әйтә алмайым. Бәлки, берәй ҡасан… Әлегә был хаҡта һүҙ йөрөтөргә иртәрәк. – Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайһың. Шул ваҡытта нимәләр кисерәһең? Әйтәйек, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда… – Иҫемдә, Зальцбургта “Таштуғай”ҙы йырлағайным. Концерттан һуң бер апай яныма килде лә инглизсәләп: “Нимә тураһында был йыр?” – тип һораны. Мин уға йырҙың тарихын һөйләп биргәс: “Шулай тип уйлағайным да. Телегеҙҙе белмәһәм дә, моғайын, кеше тыуған иленә йәки һөйгән йәренә бағышлап ҡына ошолай тәьҫирләнеп йырлай алалыр, тип уйлап ултырҙым”, – тине. Уның музыка аша йырҙың мәғәнәһен аңлауына ғәжәпләндем дә, ҡыуандым да. Минең өсөн бик ҡиммәтле асыш булды был. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәре шул тиклем тәрән, матур. Кеше күңелендәге иң тәрән кисерештәрҙе сағылдыра ала бит улар. Халҡыбыҙ йырҙарын йәнә Италияла, Болгарияла йырлағаным булды, һәм ҡайҙа ла уларҙы ихлас һоҡланып тыңланылар. Ә спектакль алдынан нимә кисерәмме? Бик ныҡ тулҡынланам. Был барлыҡ йырсыларға ла, актерҙарға ла хастыр, моғайын. Һәм уны һәйбәт билдә, тиҙәр. Бөйөктәрҙән кемдер: “Әгәр тулҡынланмайһың икән, тимәк, тамашасыға еткерер тойғоларың да юҡ”, – тигән. Дөрөҫ әйткән. Сығыш барышында инде был хаҡта уйламайһың. Персонаждың хис-тойғолары, уның донъяһы менән янаһың. Ул инде – һин түгел, һәм һин булырға тейеш тә түгел. – Ҡайҙа сығыш яһауы ҡыйыныраҡ: бындамы, әллә сит тарафтарҙамы? – Әлбиттә, Өфөлә тулҡынланыу күберәк. Ни тиһәң дә залда туғандарым, уҡытыусым ултыра бит!.. – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә береһенән-береһе матур образдар тыуҙырған өләсәйең Нажиә Аллаярова уңыштарың өсөн ҡыуанып бөтә алмайҙыр, моғайын. – Әлбиттә,ул минең өсөн бик ҡыуана. Ғүмеремдәге иң беренсе ҙур конкурс – “Ирәндек моңдары”на ла мине 8 йәшлек сағымда өләсәйем алып барғайны. Яҡындарымдың мине аңлауы, һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер булыуы өсөн рәхмәт. Ғаиләбеҙ ифрат татыу һәм берҙәм беҙҙең. Минең иң яҡын әхирәтем – ул инәйем. Уның менән төрлө темаларға һөйләшергә мөмкин. Ул минең серҙәшем генә түгел, ә ярҙамсым да. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ йырҙарын тап инәйемдән өйрәнәм. – Ә ниндәйерәк хужабикә һин, Диләрә? – Бөхтәлекте, таҙалыҡты яратам. Бешеренәм, әммә үҙемде аш-һыу оҫтаһы тип әйтә алмайым. Сөнки иркенләп бешеренер өсөн һинең күңелең тыныс булырға тейеш. Ә минең башымда һәр ваҡыт йөҙ төрлө уй ҡайнай: тәү сиратта, әлбиттә, эш тураһында. Әлеге мәлдә 2017 йылдың аҙағынаса минең көн тәртибем, сығыштарымдың исемлеге билдәләп ҡуйылған. – Башҡорт телендә бик матур һөйләшәһең. Өфөлә ғүмер кисергән өсөнсө быуын вәкилдәре араһында был һирәк күренеш… – Рәхмәт. Шулай ҙа башҡорт әҙәби телен тағы ла яҡшыраҡ өйрәнергә ине иҫәбем. Сит илдәрҙә инглиз телендә аралашырға тура килә, шуға уны тәрәндән өйрәнәм. Ярайһы ғына үҙләштерҙем тип әйтә алам, әммә сит телде һәр ваҡыт камиллаштырмаһаң, аралашыу ауырлаша. Академияла уҡыған саҡта итальян телен өйрәнә башлағайным, уның менән дә шөғөлләнергә кәрәк, сөнки күберәк итальянса йырларға тура килә. Арияларҙың текстарын үҙем тәржемә итергә тырышам. – Профессиональ йәһәттән йырсы нисек үҫешә? – Иң мөһиме – көн дә шөғөлләнеү. Спортсылар һымаҡ уҡ. Пласидо Доминго, мәҫәлән: “Әгәр оҙағыраҡ ял итһәм, тутыға башлайым”, – ти. Был ысынлап та шулай. Тик йырсыға, һаулығыңа, тауышыңа зыян килтермәҫ өсөн, сама белеү мөһим. Үҙеңә уңайлы режим, репертуар һайлай белеү ҙә үҫешкә булышлыҡ итә. Әлегә башҡарырға иртәрәк булған әҫәрҙәргә тотонмау хәйерлерәк. Ҡайһы бер партияларҙың һине үҫтереүе, бәғзеләренең үҫешеңә ҡамасаулап ҡуйыуы ла ихтимал. Шуға ла репертуар һайлағанда уйлап, үҙ мөмкинлектәреңдән сығып, бик һаҡ эш итергә кәрәк. – Һинең Өфөлә сағыңды тотоуы анһат түгел. Ситтә йөрөйһөң-йөрөйһөң дә, өйөңә ҡайтып ингәс, нимәләр кисерәһең? – Бик ҡыуанам. Сөнки һағыныуымдың сиге булмай. Мин шундай хис-тойғоға бирелеүсән кешелер, моғайын. Тыуған илем, ғаиләм, яҡындарымдан ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа айырылып тороу ҙа бик ҡыйын. Шуға ла бөтөнләйгә сит илгә күсеп киткән кешеләрҙе төптө аңлай алмайым. – Тамашасылар һине ниндәй сәскәләр менән ҡыуандыра ала? – Төрлө сәскәләр яратам, әммә лилиәләрҙе еҫе өсөн үҙ итеп бөтмәйем. Ҡәнәферҙәрҙе ҡайғы сәскәһе тип ҡабул итәм. Баналь яңғырайҙыр, әммә барлыҡ ҡыҙҙар кеүек үк, раузалар яратам. Ялан сәскәләренә, ландыштарға һушым китә. – Холҡоңдағы ҡайһы сифаттар оҡшамай? – Инәйемдең, туғандарымдың һөйләүе буйынса, бала саҡта бик ҡыйыу булғанмын. Әммә шул сифатым бөгөн ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Хәҙер күп нәмәләргә ҡыйыулығым етмәгән һымаҡ… Спектакль, концерт алдынан ҡайһы берҙә үҙ-үҙемә асыуланып бөтәм. Әммә, ни тиклем ауыр булһа ла, ҡурҡыуҙарымды еңеп, сәхнәгә сығам. Шунһыҙ үҫеш юҡ. Бер урында тапанып торғоң килмәһә – туҡтауһыҙ үҙ-үҙең менән көрәшергә кәрәк. Холҡомдағы һәйбәт яҡтарҙы табырға тырышам. Ғөмүмән, үҙеңдәге яҡшы сифаттарҙы күрә белергә кәрәктер, тим. Уйлап ҡараһаң, ниндәй генә булһаң да, Ер йөҙөндә һин – берҙән-бер, уникаль йән бит! Йөҙ-ҡиәфәтең дә, уйҙарың да, ҡурҡыуҙарың да, ыңғай һәм тиҫкәре сифаттарың да башҡа берәүҙә лә ҡабатланмай! Һәр кем үҙен ҡабул итергә һәм баһалай белергә һәм шул уҡ ваҡытта кисәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ булырға ынтылырға тейеш. – Башҡорт ҡыҙҙары тураһында ситтә нимә тиҙәр? – Бик күп комплимент әйтәләр. Мин быға ғәжәпләнеп тә, ҡыуанып та ҡуям, сөнки беҙҙә, Башҡортостанда, минең кеүек башҡорт ҡыҙҙары күп бит... Ә ситтә башҡаларҙан айырылып торамдыр инде. Башҡортостанды белмәгән кешеләр ҡайҙан килеүемде аңлай алмай: азиат йөҙлө, рус, инглиз телдәрендә һөйләшә, итальянса йырлай... Улар өсөн ғәҙәти булмаған хәл был. Әллә шуға, һоҡланыу һүҙҙәрен сит илдәрҙә бик йыш ишетәм. Шул тиклем ҡанатландыра шундай һүҙҙәр! Сығыштарыбыҙ шығырым тулы залдарҙа үтә, халыҡ шул тиклем дәррәү ҡул сабып, сәскәләргә күмеп оҙата, беҙҙең менән фотоға төшәләр, автографтар алыр өсөн сираттар теҙелә... Беҙҙә – башҡасараҡ. Беҙҙең халыҡ, ғөмүмән, нишләптер хуплау һүҙенә, матур тойғоларын белдереүгә һаран. Күптән түгел Башҡорт академия драма театрына барғайным. Артистарҙың уйнауын һоҡланып ҡарап ултырҙым: шул тиклем талантлылар, матурҙар, ут сәсрәтеп, бар күңелдәрен һалып уйнайҙар! Ә залдағы урындарҙың яртыһы буш, килгән тамашасылар ҙа арлы-бирле генә ҡул сабып ултыра. Сәскәләр сығарыу тураһында һүҙ ҙә юҡ! Артист халҡы өсөн йәнем көйөп ҡайттым... Башҡаларҙы баһалар өсөн, моғайын, кеше башта үҙен баһаларға өйрәнергә тейештер. Үҙен ихтирам итә белһә – башҡаларҙың да ҡәҙерен беләсәк. Тағы бер миҫал. Францияға Рәсәйҙән дүрт кеше барғайныҡ. Сит илдә Рәсәйҙән килгән икән – барыһын да “рустар” тиҙәр бит инде. Мине “иң тыйнаҡ рус ҡыҙы” (“самая скромная русская”) тип йөрөттөләр. Баҡтиһәң, Мәскәүҙән барған бер рус ҡыҙы менән сағыштырып шулай атағандар икән. Ул ҡыҙ, репетициялар мәлендә нимәлер оҡшамағас, бик ҡаты тауыш ҡуптарып йөрөнө. Уның йәмһеҙ ҡыланышынан миңә лә, башҡаларға ла оят ине... Ҡайҙа ғына барһаң да – үҙ илеңдәме, ситтәме – кеше менән кешесә һөйләшергә кәрәк бит, хәтер ҡалмаҫлыҡ итеп! Үҙен үҙе ихтирам иткән кеше бындай түбәнлеккә төшмәйҙер ул. – Ҡыҙыҡ, әммә тап “иң тыйнаҡ” йырсы еңеүсе булып сыҡҡан бит! Башҡорт ҡыҙҙары элек-электән тыйнаҡ, әммә кәрәк саҡта сая ла булған. Тимәк, һин дә тап шундайҙарҙан. Донъя сәнғәте күгендә һәр саҡ үҙенсәлекле, нәфис һәм сағыу йондоҙ булып балҡы, ҡабатланмаҫ моңоң менән бар ғаләм халҡын хайран ит, Диләрә! Һүҙ ҙә юҡ, Диләрә Иҙрисованың уңышы – уның йыр сәнғәтенә мөкиббән бирелеүендә, алсаҡлығында, ихласлығында, эскерһеҙлегендә. Шулай ҙа тәғәйенләнеш, яҙмыш тигән төшөнсәләр ҙә бар бит. Уңыш тигәнең ана шул яҙмыш менән бәйле түгелме икән?! Аллаһы Тәғәлә юҡҡа ғына уны Ер йөҙөнә ҡабатланмаҫ тауышлы йырсы итеп яралтмаған, күрәһең. Милләттәштәребеҙ араһында ошондай һылыуҙарҙың булыуы оло мәртәбә. Уны ваҡытында баһалай, тейешле иғтибар күрһәтә, ҡәҙерләй белеү ҙә мөһим. P.S. Әйткәндәй, ноябрь аҙағында Диләрә Иҙрисова тәүге “Онегин” милли опера премияһының “Дебют” номинацияһына лайыҡ булды. Еңеүселәр 12 номинацияла билдәләнде. Һайлап алыу турында Рәсәйҙең 22 опера һәм музыка театры ҡатнашҡан. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Санкт-Петербургтың Александрия театрында үтте. Яҡташыбыҙҙы йәнә бер еңеүе менән ихлас тәбрикләйбеҙ!
Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғариф үҙәген асыуға федераль бюджеттан 208,5 миллион һум бүленгән. Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғариф үҙәген асыуға федераль бюджеттан 208,5 миллион һум бүленгән. 2024 йылға тиклем республикала 798 "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәге булдырыласаҡ. Улар ауыл ерендәге, ҡалаларҙағы белем биреү ойошмалары базаһында асылып, 350 мең самаһы бала йәлеп ителәсәк. "Заманса мәктәп" проектына ярашлы, теүәл фәндәрҙең, гуманитар профилдәрҙең төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу маҡсатында "Технология" һ.б. предметтарҙың йөкмәткеһен, уҡытыу алымдарын, матди-техник хәлде яңыртыу планға индерелгән. Проект шулай уҡ "Кванториум" технопаркы, урта һөнәри, юғары уҡыу йорттары, иҡтисад секторы предприятиелары базаһында уҡытыусыларҙың, шулай уҡ уҡытыу сифатын баһалау өлкәһендәге педагогтарҙың квалификацияһын күтәреүҙе лә үҙ эсенә ала. Краснокамала, мәҫәлән, был проектта быйыл өс мәктәп ҡатнаша. 2024 йылға тиклем райондың тағы ла ошондай 13 мәғариф учреждениеһы "Үҫеш нөктәһе"нә инәсәк. Николо-Берёзовка мәктәбендә лә был проектҡа ярашлы кабинеттар асылған. Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн районға биш миллион һум бүленеп, һәр мәктәпкә 1,6 миллион һум тирәһе бирелә. Өҫтәп, кабинеттарҙы ремонтлауға район бюджетынан тағы 400 мең һум аҡса бүленгән. Проектҡа информатика, технология, ОБЖ һәм проект эшмәкәрлеге кабинеттары ингән. Мәктәпкә принтерҙар, конструкторҙар, елемде пистолеттар, дрелдәр, электролобзиктар, күп функциялы инструменттар, виртуаль системалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ килгән дә инде. Был башланғыс тормошҡа ашырылған кабинеттарға заманса ремонт үткәрелгән. Мәҫәлән, проект эшмәкәрлеге кабинетында балалар конструкторҙарҙың күплегенә хайран ҡалған. Берәүҙәр виртуаль шлемдарҙы кейеп ҡараһа, бәғзеләре шахмат уйнауҙы үҙ итә. Ошонда уҡ психологик таҙарыныу мөйөшө булдырылған. Информатика кабинеты иһә 3Д принтерҙар, квадрокоптерҙар менән йыһазландырылған. #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/esh-n-kt-e--eshk--nd-y-2311/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
1996 йылдан алып Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән 24 март рәсми рәүештә Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип билдәләнә. 1882 йылдың ошо көнөндә немец микробиологы Роберт Кох туберкулез сирен тыуҙырыусы микобактерияларҙы асыҡлай. Был көндөң маҡсаты – халыҡҡа туберкулез (үпкә сире) тураһында мәғлүмәт еткереү. Башҡортостан Республикаһында был көнгә ҡарата һәм сирҙе профилактикалауға йүнәлтелгән күп саралар үтә. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы 19–30 мартта 8-800-700-90-30 телефоны аша “ҡыҙыу бәйләнеш” линияһы асты. Белгестәр туберкулез буйынса эпидемиологик хәл, профилактика саралары, мотлаҡ медицина тикшереүе (Манту, Диаскинтест өлгөләре, флюорография) тураһындағы һорауҙарға яуап бирә. Сирҙең билдәләре Туберкулез – төрлө органдарҙы: үпкә, тире, эсәклек, күҙҙәрҙе зарарлаусы йоғошло сир. Уны таратыусы төп сығанаҡ – сирле кеше. Ул йүткергән, сөскөргән, һөйләшкән саҡта ҡаҡырыҡ, төкөрөк тамсылары 1,5 метрға тиклем тарала. Сирҙең тәүге билдәләре: ике аҙнанан ашыуға һуҙылған йүтәл, аппетит юғалыу, кәүҙә ауырлығы кәмеү, хәлһеҙлек, тиҙ арыусанлыҡ, ныҡ тирләү, физик көсөргәнеш ваҡытында тын ҡыҫылыу, тән температураһы күтәрелеү, күкрәк ситлегендә ауыртыу тойоу. Нисек асыҡларға? Балаларҙа туберкулезды Манту реакцияһына тикшереп иртә асыҡлап була. Ул 1 йәштән 18 йәшкә тиклем йыл һайын уҙғарыла. Өлкәндәр өсөн төп ысул – йәшәү урыны буйынса поликлиникала йәки туберкулезға ҡаршы диспансерҙа йыл һайын күкрәк ситлеге органдарына флюорография үтеү. Иҫкәртеү саралары Беҙҙең илдә был мәкерле сирҙе профилактикалау сараларына яңы тыуған сабыйҙарға БЦЖ вакцинаһы эшләү һәм 7-14 йәшлектәргә уны яңынан эшләтеү инә. Шулай итеп, прививкалар сирҙән һаҡланыуҙың иң эффектив юлы булып тора. Бынан тыш, даими рәүештә профилактик медицина тикшереүҙәре үтергә, организмды сыныҡтырырға, иммунитетты нығытырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк. Нисек дауаларға? Туберкулез кешеләрҙә ҡурҡыу тыуҙыра, сөнки күптәр уны үлемесле сир тип һанай. Ер шарында йыл һайын был сирҙән миллионлаған кеше вафат булыуына ҡарамаҫтан, туберкулезды антибиотиктар менән дауалап була. Дауаланыу бик оҙаҡҡа һуҙылһа ла ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Иң мөһиме – сирҙе ваҡытында асыҡлау. Д.МОРАҘЫМОВА, “БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” Стәрлетамаҡ район-ара филиалы табип-эпидемиологы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, билдәле йырсы, яҡташыбыҙ Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан 22 майҙа Этҡолда башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың район конкурсы үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, билдәле йырсы, яҡташыбыҙ Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан 22 майҙа Этҡолда башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың район конкурсы үтәсәк. Йыр оҫталары тарафынан Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың репертуарынан йырҙар яңғыраясаҡ. Еңеүселәр өс төркөмдә - 7-13 йәшлектәр, 14-22 һәм 22 йәштән өлкәнерәктәр араһында билдәләнәсәк. Фото: асыҡ сығанаҡ. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Кисә көндөҙ Өфө-Дим аэрологик станцияһы һауа температураһының +32,5 градусҡа тиклем күтәрелеүен билдәләгән. Ике көн элек, 16 майҙа, ул +32,6 градусҡа еткәйне. 1996 йылда иң юғары эҫелек +31,4 градус булған. Дөйөм алғанда, кисә республикала +28,7,+33,6-ҡа тиклем эҫе торҙо. Иң юғары температураны Раевка метеостанцияһы күрһәтте, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡайһы саҡ йоҡом туймай китә, шул саҡ нәнәйемдең бер һүҙе иҫкә төштө: “Серем итеп алам!” – тиер ине ул көндөҙ биш-ун минут йоҡлап алған сағында. “Нимә була һуң ул?” – тип ныҡышам. “Кешене йоҡо йөрөтә. Йоҡоһо туймаһа, кеше ашап та хәл индерә алмай. Теге донъяла ла кеше бер тәмле әйберем тороп ҡалды, тип йоҡоһон эҙләй икән!” – тип аңлата нәнәйем. Бала саҡта ни, уның әйткәндәрен аңлап та бөтмәгәнмен инде, сөнки үҙемдең йоҡо туйған, тамаҡ туҡ булған. Хәҙер бына арып кителһә, уның ошо “серем итеп ал!” тигән һүҙҙәре ишетелгәндәй була. Ә бит ғалимдар ҙа күпселек сирҙәрҙең башы – ул кешегә йоҡо һәм ял етмәү менән бәйле, ти. Баҡтиһәң, йоҡоһо туймаған кеше тиҙ тоҡанып, тиҙ арып, һөҙөмтәлә, тиҙ ауырып бара, иммунинеты ҡаҡшай икән. Йоҡлар алдынан күп ашауҙы ла хуп күрмәй ине нәнәйем. Ашҡаҙан да ял итергә тейеш, тиер ине. Оҙаҡ йылдар ағас һикелә йоҡланыҡ: арҡаға тигеҙ, рәхәт. Был да бит үҙенә күрә һаулыҡ өсөн файҙалы булған. Көн оҙоно асыҡ торған тәҙрә төнгә ҡарай ғына ябыла ине. Йоҡлар бүлмәгә генә түгел, башҡаларына ла һауа кереп, тын алыуы рәхәт була. Быны уға уның нәнәйе өйрәткәндер, бына шул рәүешле быуындан-быуынға күсеп килгән халыҡ медицинаһы кәңәштәрен бөгөн ғалимдарҙың яҙмаларынан да уҡыйбыҙ. Улар ҙа бит ныҡ йоҡо килгәндә, биш-ун минут ятып торорға, йоҡлар алдынан бүлмәне елләтергә, тигеҙ карауаттарҙа һәм уңайлы еңелсә кейемдә йоҡларға кәңәш итә.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/serem-itep-alam/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Улыма был төш икәнен аңлатам. Тик балам: “Юҡ, мин Үлем менән көндөҙ һөйләштем”,-тип ныҡыша. Атаһы ла һөйләшеп ҡараны, юҡ, бала тынысланманы. Психологҡа алып барырға кәрәк тип хәл иттек... Ул мине тыңланы Улымды мәктәпкә оҙатам да, уны инеп киткәнсе ҡарап торам. Һуңғы айҙарҙа булған ваҡиғаларҙан һаман арынып бөтә алмайым, күбеһен аңламайым да. Бер төн улымдың илаған тауышына унып киттем. Һаташалыр тип йүгереп инһәм, күҙҙәре асыҡ. “Нимә булды?”-тип һорауыма тағы нығыраҡ илай. Һаташып, берәй нәмәнән ҡурҡҡандыр тигән фекергә килдем. Тик был хәл икенсе төндә лә ҡабатланды. Көскә уның нимәгә илағанын һөйләтеп алдым. “Әсәй, мин Үлемде күрҙем. Ул тиҙҙән һеҙгә киләм, тип әйтте. Ул һеҙҙе алып китер инде...” Улыма был төш икәнен аңлатам. Тик балам: “Юҡ, мин Үлем менән көндөҙ һөйләштем”,-тип ныҡыша. Атаһы ла һөйләшеп ҡараны, юҡ, бала тынысланманы. Психологҡа алып барырға кәрәк тип хәл иттек. Йыйынып йөрөгәндә күршебеҙҙең ҡапыл вафат булыуын ишеттек. Һап-һау, шап-шаҡтай иргә нимә булғандыр инде тип, был хәл бар подъезды аптыратты. Улым шунан алып тыныс йоҡлай башланы. Ә күрше тураһында ишеткәс: “Мин Үлем тағы бер килгәндә унан үтенеп-ялбарып беҙгә теймәүен һораным. Ул мине тыңланы”,-тине. Уның һүҙҙәренән хәҙер мин йоҡлай алмайым һәм тыныслыҡ тапмайым.
Район хакимиәтенең бәләкәй залында ғәҙәттән тыш комиссияның ултырышы үткәрелде. Был сираттан тыш кәңәшмә Туймазы районында бешмә ауырыуы барлыҡҡа килеүгә бәйле булып, Ейәнсура районы территорияһында бешмә ауырыуының таралыуына юл ҡуймауҙы иҫкәртеүгә арналды. 16 октябрҙә район хакимиәтенең бәләкәй залында ғәҙәттән тыш комиссияның ултырышы үткәрелде. Был сираттан тыш кәңәшмә Туймазы районында бешмә ауырыуы барлыҡҡа килеүгә бәйле булып, Ейәнсура районы территорияһында бешмә ауырыуының таралыуына юл ҡуймауҙы иҫкәртеүгә арналды һәм уны комиссия рәйесе, МР хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары С. Йәрмөхәмәтов алып барҙы. Кәңәшмәлә район ветстанция белгестәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. – Беренсе булып бешмә ауырыуы Туймазы районында теркәлде. Әлеге ваҡытта республика етәкселеге биргән мәғлүмәттәр буйынса, бешмә ауырыуы килтергән зыян – 35 млн тирәһе. Белеүегеҙсә, ауырыу Туймазы районының Үрмәкәй, Йәрмөхәмәт ауылдарында һәм Ҡандралағы “Нур” ЯСЙ-нда асыҡланды. Өс ауылда бөтәһе 928 баш мал(486-һы эре мал) юҡ ителде. Ауырыу сығанағы булып документһыҙ “Нур” КФХ-на Үҙәк Азиянан килтерелгән, был сир менән ауырып шәбәйгән һарыҡтар тора, – тип билдәләне үҙенең сығышында С.Йәрмөхәмәтов. Райветстанция етәксеһе Т. Аҡбалин иғтибарҙы бешмә ауырыуының билдәләренә йүнәлтте. – Бешмә — кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә эрозия барлыҡҡа килеү хас. Инкубация осоро 1—7 тәүлек (һирәгерәк 3 аҙна) дауам итә. Хайуандарҙа төп билдәләре: тән температураһы күтәрелеү, күп шайыҡ ағыу, афтылар барлыҡҡа килеү, һөт кәмеү, аҡһаҡлыҡ, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге боҙолоу һ.б. Ауырыу яман формала үткән осраҡта хайуандарҙың күпләп үлеүе күҙәтелә. Уны йөрөтөүселәр һәм таратыусылар булып башлыса һарыҡ-кәзә, һыйыр-ат, сусҡа тора. һирәк осраҡта эт һәм бесәйҙән дә йоҡторорға мөмкин. Был вирусты стандарт дезинфициялау саралары менән, туңдырып, йә иһә киптереп кенә бөтөрөп булмай. Уның активлығы һыуҙа һәм тупраҡта йыл дауамында һаҡлана һәм уны ультрофиолет нурҙар ярҙамында йәки һелтеле эретмәләр менән эшкәртеп кенә бөтөрөп була. Туймазы районында карантин посында беҙҙең райондан БР ветеринар идаралығының Баймаҡ территориаль бүлеге төп белгес-эксперты Р. Абдрахманов та булған. – Һыйыр һәм һарыҡтарға үлемесле укол эшләйҙәр, унан һуң КамАЗ-дарға тейәп мал ҡәберлегенә алып барып яндыралар. Мал хужаларының хәлен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Эзбизды йөк машиналары менән килтерәләр, ауылдан сыҡҡанда ит һәм йәшелсәләрҙе алып ҡалалар. Бешмә сығанағы булып торған ауылдарҙа ҡаты карантин иғлан ителгән, уларға тик прописка буйынса һәм дезинфикция үткәндән һуң ғына инеп була. Бөтә ерҙә лә санитар барьерҙар ҡуйылған, юл буйҙары һөрөлгән. Был ауырыу Башҡортостанда 40 йыл дауамында күҙәтелмәгән. Ә кешелек тарихында бөтәһе 40 кешенең ошо вирус менән зарарланыуы теркәлгән, уларының да күбеһе лаборатор-эксперименталь юл менән, –тип үҙ сығышында тарихҡа байҡау яһап үтте. Әлеге ваҡытта йоғошло ауырыу Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылының "Киҙәш" хужалығында аҫралған алты баш һыйыр малында ла табылған. Вирустың барлығы анализ һөҙөмтәләренән билдәле була. 146 баш малды юҡ итеү күҙаллана. Ә ауыл биләмәһендә вирустың барлығы теркәлмәгән. Бар йорт хайуандарына ла прививка эшләнелгән. Премьер-министр урынбаҫары И.Мөхәмәтдинов һүҙҙәре буйынса, Бүздәк, Туймазы, Шаран райондарындағы хужалыҡтарҙағы һәм шәхси ҡураларҙағы малдарҙан 3,5 мең проба анализға алынған. Бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш дауам итә. Ултырыш аҙағында беҙҙең район территорияһында бешмә ауырыуының таралыуына юл ҡуймауҙы булдырмау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Байрам уңайынан Ленин исемендәге майҙанда коляскалар парады һәм “Автоледи” конкурсы уҙғарыу ҙа ниәтләнгән. Тәүге шоу райондың йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре тырышлығы менән йыл һайын ойошторолоп килә. Унда йәш ата-әсәләр балалар коляскаһын сағыу һәм үҙенсәлекле итеп биҙәргә тейеш. Ә бына “Автоледи” конкурсы быйыл тәүге тапҡыр үтәсәк. Унда ҡатнашыусы гүзәл заттар автомобиль менән идара итеүҙә теория белемдәрен һәм йөрөү алымдарын күрһәтәсәк. Матур тамаша геройҙары булырға дәрт итһәгеҙ, 2-81-08 һәм 8-917-38-371-52 телефоны буйынса шылтыратығыҙ Фото: редакция архивынан. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
250 г эремсек, 150 г шәкәр, 2 йомортҡа, 50 г он, 1 алма, 50 г йөҙөм һәм күрәгә, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк. Эремсекте иләк аша үткәреп, өҫтөнә йомортҡа һытып, шәкәр ҡомо, он ҡушырға. Ҡабарып торһон өсөн миксер йә блендер ҡулланырға мөмкин. Алдан ебетелгән кипкән емештәрҙе һәм ҡырғыстан үткәрелгән алманы өҫтәргә. Бөтәһен бергә бутап баҫырға, шунан түңәрәктәр яһарға. Ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе майҙа ҡыҙҙырырға. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
“Альберт Мәхмүдов – Пермь крайының Барҙа районында урынлашҡан Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Ул “Бәйләнештә” селтәрендә алып барған “Гайнинский край” тигән төркөм дә көн дә тиерлек башҡорттар тарафынан да, татарҙар яғынан да уға, уның эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, тәнҡитләп яҙған комментарийҙар сығып ҡына тора.(артабан сайтта)#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ГайнинскийКрай#АльбертМәхмүдов#ГөлнараХәлфетдинова “Альберт Мәхмүдов – Пермь крайының Барҙа районында урынлашҡан Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Ул “Бәйләнештә” селтәрендә алып барған “Гайнинский край” тигән төркөм дә көн дә тиерлек башҡорттар тарафынан да, татарҙар яғынан да уға, уның эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, тәнҡитләп яҙған комментарийҙар сығып ҡына тора. “Тағы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙмағанһың”, “тәүҙә башҡорт телен өйрән”, “татарса ундай һүҙ юҡ, төҙәт”, “был төркөм аҫтыртын рәүештә Барҙа татарҙарҙарын башҡортлаштырыу эшен алып бара түгел ме?”, “ни эшләп Альберт ерле башҡорт кейемдәре һүрәте аҫтына татарҙыҡы тип яҙып ҡуйған?”, “тағы ла башҡорт мәҙәниәтен үҙләштереп ятаһығыҙмы?” Виртуаль ҡунаҡтарының был хәбәр яуын Альберт тыныс ҡына итеп, үҙенсә нигеҙләп кире ҡаға тора, әммә яуаптары төркөм ҡунаҡтарын йыш ҡына, киреһенсә, тағы ла ярһыта төшә. Өфөлә лә үҙен һағайыбыраҡ ҡаршы алыуҙарына күнегеп бөткән Альберт Рәфил улы. Уның төньяҡкөнбайыш башҡорт тарын һаҡлап ҡалыу өсөн әлеге әҙәби телебеҙгә параллель рәүештә был төбәк һөйләшенә нигеҙләнгән тағы бер башҡорт әҙәби теле нормаларын булдырыу зарур тигән фекерен ишетеү менән ҡайһы бер тел ғалимдарыбыҙ “һуштан яҙа”. Кем һуң был йәш йәмәғәтсе, ни өсөн уның фекерҙәре һәр саҡ резонанс тыуҙыра һәм ниндәй ҡиммәттәрҙе яҡлап сығыш яһай ул? Ни өсөн, ҡаты ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, үҙ һүҙендә ныҡ тора? Ҡайҙан килеп сыҡҡан был арҡыры егет? Был һорауҙарға яуапты үҙенән ишетһәк хәйерлерәк булыр. Яуаптарҙа ҡайһы бер ғәйнә һүҙҙәре һаҡланды, хатаға иҫәпләмәгеҙ. Аралаша башлағас та, Альберт Рәфил улы, һеҙ минең телмәрҙе аңлайһығыҙмы ул, тип һаҡ ҡына борсолоу белдерҙе. Бәләкәстән ғәйнәсә һөйләшеп, мәктәптә лә татар теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгән, әммә, ата-әсәһенең паспортындағы яҙыуҙарға ҡарап, үҙенең дә башҡорт икәнен белеп үҫеп килгән егет алтынсы класта уҡығанда, үҙе әйткәнсә, Удик ауылына (рәсми рәүештә Елпачиха атамаһын йөрөтә һәм халыҡ телендә Пермь башҡорттарының үҙәге тигән даны ла бар) Башҡортостандың Сибай ҡалаһынан мәҙәни десант килеп төшә. Йыр-моңға ғашиҡ егет тулҡынланып башҡорт йыры буйынса үткән оҫталыҡ дәресенә бара. Ни тиһәң дә, бығаса ишетеп кенә белгән, әммә күңелендә инде үҙенеке тип һанаған башҡорттары килгән дәһә! Әммә, башҡорттоң ауыҙынан бығаса ишетмәгәнбелмәгән өндәр ҙә яңғырағас, башта уны төшөнмәй тора һәм, үҙе әйтмешләй, мәҙәни тетрәнеү кисерә. Башҡорт моңо ла, ҡурайҙа уйнап ҡарау ҙа оҡшай, тик бына башҡорт теле тигәндәре бүтәнсәрәк икән. Былай булғас, мәктәптә уҡытыусы апай, бәлки, дөрөҫ тә әйтәлер, ауылдаштарҙың паспорттарына, ысынлап та, яңылыштан ғына "башҡорт" тип яҙғандарҙыр, татарса һөйләшәбеҙ ҙә инде, башҡорт теле тигәндәрен ҡапылдан аңлап та булмай ҙаһа. Ошондай икеле уйҙар оялай күңеленә. Альберттың тормошонда булған был ваҡиға, ғөмүмән, әҙәби телдән айырмалы һөйләшкән төрлө төбәк башҡорттарының татарҙарҙан милләтен, башҡорттарҙан телен яҡлап үә ҡурсалап йәшәргә һәм ике ут араһында янырға мәжбүр хәлен асыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта, Пермь һәм бүтән яҡта йәшәгән милләттәштәр, мәҫәлән, һөйләшендә ҫ, һ ише өндәре булған башҡорттарҙың да ерле телдәре менән әҙәби тел араһында ҙур ғына айырма булыуын күҙ алдына баҫтырып етмәй, ахырыһы. Сөнки, Альберт ғәйнә һөйләше тип “Бәйләнештә”ге төркөмөндә биргән һүҙҙәрҙең күбеһе, мәҫәлән, беҙҙең Әбйәлилдә, түңгәүер һәм тамъяндарҙа ла бар. Ул һүҙҙәрҙең әҙәби телдә киң ҡулланмағанына минең дә йәнем әсей. Ысынлап та, әҙәби телгә инмәгән бик ҙур ҡатлам тел байлығыбыҙҙы яйлап юғалта барабыҙ ҙаһа. “Милләтем – башҡорт, әммә телемде татар тип иҫәпләйем…” – Альберт, үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып китһәң ине? – Барда районы Удик ауылында тыуғанмын, 36 йәштәмен. Әнием Фәнирә, һеңлем бар. Әнием күп йылдар шәфҡәт туташы булып эшләне, һатыусы ла булды, хәҙер хаҡлы ялда. Кескенәнән ҡартәнейем эргәһендә булдым, һеҙҙеңсә өләсәй була инде. Ҡартәнейемдең колхоз ойошторолоу, аслыҡ, һуғыш осорҙары хаҡындағы хәтирәләрен тыңлап үҫтем. Бик тәмле бешерә ине ул. Бала саҡтың иң сағыу хәтирәләре ҡартәнейемә бәйле. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын, мәктәптән һуң Пермь ҡалаһының 1-се педагогия колледжын бөттөм. Аҙаҡ ситтән тороп Пермь техник университетын тамамланым. 9 йыл тирәһе тарихтан уҡыттым, хәҙер Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейында директор вазифаһын башҡарам. – Милли тойғо һиндә ҡасан уянды? – Бәләкәстән беҙ ғәйнәләр тигәнде ишетеп үҫтек, иң алдан шул тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты ҡарап, унда әти-әниебеҙ "башҡорт" тип тора, уянды инде ул был хис. – Барҙа башҡорттарының аяуһыҙ сәйәсәт арҡаһында бөгөн күбеһе "татар" тип яҙылған һәм үҙҙәрен шулай иҫәпләй ҙә. Был яҙмыш ни хәл итеп һине урап үтте һуң? – Барҙа башҡорттарының күбеһе лә тип әйткәндәй "татарҙар" тип яҙылмаған ул, бында 65 процент халыҡ башҡорт булып йәшәй әле, төбәктәге халыҡтың 35 проценты ғына татарҙар булып шутлана. 2021 йылда халыҡ иҫәбен алыу нимә күрһәтер, билдәһеҙ, шулай ҙа, исмаһам, 50/50 нисбәтендә ҡалырбыҙ, тигән өмөт бар әле. Мине татарлашыу нисек урап үтте икән, аңлап та булмай, сөнки татар мәҙәниәте йоғонтоһо бик ныҡ көслө, беҙ уны аңлайбыҙ, ул яҡлап беҙҙең көслө генә интеллигенция вәкилдәре эшләп килә. Минеңсә, бында урап үтте тигән һүҙ дөрөҫ түгелдер ул, милләтемде башҡорт тип һанаһам да, телем татарса. – Үҙаң ҡасан уянды? Быға берәй ваҡиға сәбәпсе булдымы? – Үҙаң бер ҡасан да үлмәне, кескенәнән башлап шулай уҡ ҡалды, әтиәниләреңдең кемлеген белһәң, милләтең инде аңлашыла, бер генә быуын артҡа ҡараһаҡ, унда беҙҙең барыбыҙҙың да таныҡлыҡта "башҡорт" тип яҙылған. – Кемдәр улар, һинеңсә, ғәйнә башҡорттары? Ниндәй улар? – Ғәйнәләр, милли район булдырғас, бик егәрле, етеҙ халыҡ булған, ваҡытында рус колонизацияһына ла бирешмәгән, тырыш, үҙһүҙле кешеләр. Үҙҙәрен, фекерҙәрен яҡлай алалар, ниәттәренә ирешергә ынтылалар, ниндәй маҡсат, пландар ҡуялар, мотлаҡ үтәргә тырышалар. – Бөгөнгө Барҙа тормошо хаҡында һөйләп үтһәңсе? – Беҙҙә күп кенә саралар үтеп тора, Барда көндән-көн матурлана, яңы парк, сквер, обелискылар асыла, күп кенә төҙөкләндереү эштәре лә алып барыла. Матур ғына һәйкәлдәр төҙөлә, 2013 йылда Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйған инек, уның нәҫел ептәре әни яғынан, Ҡазмаҡтыға килеп терәлә, Барда башҡорттарынан. Быйыл, ниһайәт, байтаҡ кәртәләр аша үткәндән һуң, тағы бер данлыҡлы ғәйнә шәхесе Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асырға торабыҙ. – Барҙала булғаным юҡ, әммә ул ерҙәрҙең боронғо аҫаба башҡорттоҡо булыуын, атаҡлы Исмәғил Тасимовтан башлап бөгөнгө Гүзәл Уразова, Лилиә Биктимероваларҙы биргән төбәк икәнен дә беләм. Тик, төрлө сәбәптәр арҡылы, Башҡортостан менән ул яҡтарҙың бәйләнеше тейешенсә булмауын да аңлайым, минең өсөн Барҙа яғы барып етеп булмаған, инде беҙҙән айырылған өмөтһөҙ бер төбәк һымаҡ та булып китә ҡайһы саҡ. Ниндәй ул Барҙа? Башҡорт рухының ҡуҙы булһа ла ҡалғанмы унда, ни әйтерһең? – Барда төбәге халҡы бүлгеләнмәй генә ғәйнәләр булып йәшәй. Эйе, татарлашыу ҙа көслө һәм башҡортлоҡто һаҡлап ҡалыу ҙа үҙенсә бер ролен уйнай. Барда бер милли утрау кеүек ул, ҡазанлылар һәм уфалылар иһә ҡунаҡтар ғына булып күренә. Эйе, беҙҙең Ҡазанда үҙебеҙҙең көслө диаспорабыҙ бар, унда бик күп шәхестәребеҙ йәшәй һәм улар беҙҙең йәштәргә, урындағы милли интеллигенцияға бер маяҡ булып тора ла инде. Беҙҙең Бардалылар бер ҡасан да юғалып ҡалмай, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазандамы, үҙҙәрен һәйбәт яҡтан күрһәтеп эшләй, үҙҙәрен генә уйламай, ә тап Барда халҡына һәм ойошмаларына ла терәк булырға тырыша, ярҙам итә ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ. – Аҙаштырылған халыҡты үҙаңына, асылына ҡайтарыу мөмкинме икән? – Башҡорт рухы Бардала бар, үҙебеҙгә хас булған ғәйнә рухы тип әйтәйек, бында ҡуҙы ғына түгел, ҡайһы саҡта уттары ла килеп сыға әле ул рухтың. Сөнки төбәктә көслө дәрәжәле башҡорт рухлы кешеләрбеҙ йәшәй, беҙ уларҙың башҡортлоҡто һаҡлап ҡалырына ышанабыҙ. Һорауың бик ҡапма-ҡаршылыҡлы ла. Беҙҙең район аҙаштырылған район түгел, Бардалылар үҙҙәрен ғәйнә башҡорттары тип шутлыйлар, тарихтарын һәм нәҫелдәрен беләләр, әммә башҡортлоҡто таныу, башҡортлоҡто хис итеү Өфө яҡлап ниндәйҙер икенсе йүнәлеш менән бәйләнә, шунан тыуа ла инде ҡапма-ҡаршылыҡ. Башҡортлоҡ ул мотлаҡ шул башҡорт әҙәби телен, ҡумыҙ-ҡурай йә “Урал батыр”ҙы белеү, шул уҡ Салауат Юлаев менән ғорурланыу тигән ҡараштар бында юҡ, шуны әйтке килә. Кәрәктер, бәлки... Шуға бында башҡортлоҡто үҫтереү тап ғәйнә шәхестәрен, тарихын күтәреп, улар нисек милли район ойоштороп, үҙҙәренең ерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнашҡандар, шуны аңлатып, шуның менән генә үҙаңды һаҡлап ҡалыу, үҙаңды үҫтереү юлында һөҙөмтәле эштәр алып бара алабыҙ. Ә яһалма рәүештә башҡорт әҙәби телен, башҡорт милли кейемдәрен индереүҙе, әлбиттә, ул беҙгә хас булмағас, Барда кешеһе танымаясаҡ. “Ҡазанлылар беҙгә маладистар тип кенә тора…” – Ни өсөн Татарстан Барҙаны һәм Пермь крайының башҡа тарихи төбәктәрен еңел “яулап” ала алған? Эш нимәлә? – Сөнки Татарстан ситләтмәй. Һеҙ башҡорттар, барың Уфаға, тип бер ҡасан да әйтмәй. Татарстан халҡы бында килеп, һеҙ был ауыр ваҡыттарҙа ла, урыҫ өлкәһендә булһа ла, телегеҙҙе һәм ғөрөф-ғәҙәттәрегеҙҙе һаҡлап ҡалғанһығыҙ, маладистар, тип йөрөйҙәр. Ә Өфөнән килһәләр, һеҙ ике урындыҡта ултырырға тырышаһығыҙ, тип мотлаҡ тәнҡит һәм сикләргә тырышыуҙан башлайҙар. Һеҙ татарлашаһығыҙ, шулай-былайһығыҙ, тип, минеңсә, шул яҡтан бында Башҡортостан үҙенә негатив ала. Ә Татарстан башҡорттар менән дә, татарҙар менән дә эшләй, уларҙа сикләтеү юҡ. Был күренеш 1990–2000 йылдарҙан ғына түгел, ә электән, 1920 йылдарҙан алып килә. 1930–1940 йылдарҙа ла беҙгә Ҡазан күп кенә экспедициялар ойошторған, беҙҙең байтаҡ ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, фольклор мираҫын өйрәнгәндәр, йыш килеп торалар инде улар. Шуға әйтке килә, беҙ Татарстан вәкил дәрен Башҡортостан вәкилдәренә ҡарағанда күберәк күрәбеҙ, ишетәбеҙ, таныйбыҙ. – Пермь башҡорттарына татар булып йөрөү, татар булып яҙылыу, бәлки, берәй донъяуи өҫтөнлөктәр биргәндер? – Барда интеллигенцияһының күбеһе, бәлки, хатта 100 проценты, әлбиттә, үҙ ваҡытында Ҡазанда белем алған. Шуға уларға татар мәҙәниәте, татар мираҫы, ғөмүмән, Ҡазан яҡын. Шуға әле улар был йүнәлештә бик көслө итеп үҙҙәренең эштәрен алып бара. – Үҙеңдең кемлегеңдә икеләнеп йәшәү мөмкинме? Бәлки, шул тойғонан ҡотолоу өсөн тел яҡын тип тиҙ генә татарлашып бөткәндәрҙер Барҙа башҡорттары? – Икеләнеп йәшәү юҡ! Бөтә саралар тиерлек Татарстан менән генә бәйле. Ғәйнә башҡорттары үҙ телдәрен татар тип шутлағас, ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡ түгел ул, тарихи тип әйтә йекме икән, инде формалашҡан фекер. Уны, бәлки, алмаштырып та булмайҙыр, беҙҙе, ғәйнә башҡорттарын, татар телле ғәйнә башҡорттарын ҡабул итергә кәрәк. Сикләтмәҫкә, танымаҫҡа тырышмаҫҡа. Беҙ бит экспедицияларҙы күрәбеҙ, 1960–1970 йылдарҙағы экспедиция ларға килгән ғалим дар уларҙың телдәре татар тип барғандар бит инде, беҙҙең үҙебеҙҙең ғәйнә һөйләшендә үҙебеҙгә генә хас булған терминдар күп, инде уйыбыҙҙа, үҙаңда формалашҡан фекер – "беҙ – башҡорт, телебеҙ – татар". – Тимәк, бөгөн дә Татарстан ғалимдары килгәндә – "беҙ – татар", Башҡортостандан килгәндә "беҙ – башҡорт" тип һөйләү дауам итә? – Бөгөн Бардала төрлө саралар үтә, Татарстандан да киләләр, байтағын Татарстан үҙе лә ойоштора, мәҫәлән, шул уҡ Татарстандың 100 йыллығына бағышланған байрамдар уҙҙы. Башҡортостандан да беҙгә күп йөрөйҙәр, башҡорт әҙәби телен керетеү яҡтарын ҡарайҙар. Татарстандан килгәндә, улар, әлбиттә, беҙҙең шул татарлыҡ яғын ғына күрергә теләй. Улар, Барда районында 97 процент татар йәшәй, ти, шунан китә лә инде баяғы процесс. Башҡортостандан килһәләр иһә, беҙҙең тарихҡа баҫым яһайҙар, һеҙ – ғәйнә башҡорттары, һеҙҙең шундай шәхестәрегеҙ булған, тарихығыҙҙы белергә тейешһегеҙ, тиҙәр. Уларға тел яғынан ауырыраҡ беҙгә нәтижә бирергә, шуға тарихҡа баҫым яһайҙар. Ғәйнә башҡорттары, барҙалылар Татарстан вәкилдәренә лә, Башҡортостан вәкилдәренә лә бер тигеҙ ҡарай, иң беренсе, улар беҙҙең ҡунаҡтар, беҙ улар ҙы һый-хөрмәт менән ҡабул итәбеҙ. Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Татарстан вәкилдәренә, һеҙ бында башҡорттарға килдегеҙ, тип әйтһәләр, көс булыр ине, йә Башҡортостан вәкилдәренә, һеҙ бында татарҙарға килдегеҙ тиһәк, килешмәҫ ине. Шуға беҙҙең интеллигенция вәкилдәре ике яҡ менән дә грамотно эшләйҙәр, минеңсә, Барҙалыларҙан өлгө алыр ға кәрәк. Сөнки һыңар ҡуллы ғына йә һыңар күҙле генә кеше була алмай ҙаһа! Беҙҙең ике күҙ, ике аяҡ, ике ҡул булырға тейеш, тел яҡлап та, тарихи яҡтан да терәк булырға тейеш, шул яҡтан беҙҙең Барҙа яғыбыҙ көслө лә инде! Беҙгә Татарстан яғынан ла көслө генә таяныс, Башҡортостан яғынан да – билдәле бер юҫыҡта ярҙам бар. – Барҙа башҡорто булараҡ әйт әле, әҙәби башҡорт телен һеҙгә аңлау ауырмы? Һ, ҫ һөйләшле башҡорттарҙы үҙ кеше итеп ҡабул итеүҙә ниндәйҙер психологик кәртәләр барҙыр, бәлки? – Барда башҡорто булараҡ, миңә башҡорт әҙәби теле ауыр, тип әйтһәм дә ярай, беҙ Барда башҡортлар, Пермь башҡорттар бер ҡасан да башҡорт әҙәби телен уҡыманыҡ, мәктәптә татар телен һәм әҙәбиәтен өйрәндек, был хәҙер генә түгел, ул элек-электән, 20-се йыл дарҙан килә, унан алдараҡ иҫке төрки телен уҡығанбыҙ, бында инде ниндәйҙер күсәгилешлек тә бар. Алтынсы класта уҡығанда Сибайҙан килгән мәҙәни десантсылар менән күрешкәндә тел айырмалығын ишетеп мәҙәни тетрәнеү кисерҙем һәм шул ваҡытта инде үҙемдең телемде ысындан да татар теле тип ҡабул иттем, сөнки башҡорт теле аңлайышһыҙ кеүек булды миңә тигәйнем бит инде. Ә хәҙер йыш ҡына Өфөгә барған ваҡытта, һин татарса һөйләшәһең, тип әйтәләр, мин уға аптырамайым, үҙем дә шулай уйлайым. – Һин етәкләгән музейҙың тәғәйенләнеше ниҙә? Уның эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп китһәң ине? – Барда тыуған яҡты өйрәнеү музейында инде 8 йыл эшләйем, хәҙер директор вазифаһын үтәйем. Музей 1974 йылда барлыҡҡа килгән, былтыр 45 йыллығын үткәрҙек, бында ғәйнәләргә, ғәйнә башҡорттарына хас булған өҫ кейемдәребеҙ, эш ҡоралдарыбыҙ һаҡланып ҡалған, музейыбыҙ клубтың икенсе ҡатында урынлашҡан, бәләкәй генә булһа ла, район өсөн арыу ғына әһәмиәтле музей ул. “Берҙән-бер ғәйнә тигән исем дә йәбеште…” – Бөгөн һине, Барҙа башҡорттары лидерын, нимә борсой? – Асылда, үҙемде Барда башҡорттары лидеры тип шутлай алмайым. Өфөгә йыш йөрөгәнгә, Өфө ғалимдары менән аралашҡанғамы икән, миңә шул Барда башҡорттары лидеры, берҙәнбер ғәйнә тигән исем йәбеште. Уныһынан мин баш тартмайым, шулай килеп сыҡты инде. Мине ғәйнәләрҙең тарихтарын боҙоу һәм татарлашыу, ысынлап та, борсой, сөнки беҙ, ғәйнә башҡорттары булмаһаҡ, беҙҙең Барҙа милли районы булмаҫ ине. Пермь татарҙары, Көнгөр татарҙары ундай милли район булдыра алмаған, сөнки улар әҙ генә ваҡыт арауығы эсендә рус колонизацияһына бирешеп киткәндәр, ә беҙҙең ғәйнә башҡорттарыбыҙ аҫаба грамоталары арҡаһында һәм һуғышсан, ҡыйыу ҙа булыуҙары менән үҙ ерҙәрен – Тол буйын, Толба (русса Тулва) ерҙәрен һаҡлап, милли район булдырып ҡалған, шуны аңлаһындар ине беҙҙең Бардалылар, сөнки бындай рәсми булмаған милли райондар Рәсәй күләмендә бармаҡ менән генә шутларлыҡ. – Өйләнгәнһеңме? Балаларыңды нисек, ниндәй рухта тәрбиәләйһең һәм уларҙың киләсәген нисек итеп күрәһең? – Миңә инде 36 йәш, 8 йыл элек өйләндем, минең бичә бар, өс малайым үҫә, һеҙҙеңсә, улан булалыр инде, ҙуры икенсе класҡа йөрөй, икәүһе әле балалар баҡсаһында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдарым татарса һөйләшмәйҙәр, русса аралашалар, бының сәбәбе шунда, тәрбиәләү эшен компьютерға, планшет - тарға бирҙек бит, ә унда барлыҡ контент русса. Руслашыуҙарына борсолам, тип әйтмәйем, беҙ татарса һөйләшкәнде, үҙҙәренә һөйләшеүе ауыр булһа ла, улар аңлай. Балаларыбыҙға ғәйнә башҡорттары булып ҡалыу ауырыраҡҡа тура килер инде, сөнки татарлашыу йоғонтоһонан тыш, руслашыу ҙа көслө. Беҙ ситкә, ҡалаларға киткән бардалыларҙы күрәбеҙ, улар инде икенсе милләт кешеһенә кейәүгә сыҡһа йә өйләнһә, әлбиттә, уландары инде башҡа милләт вәкилдәре булып китәләр, шулай хәлдәр. – Нимә ул һинең өсөн Башҡортостан? Ниндәй шәхестәрҙе ихтирам итәһең? Кемдәр менән аралашып йәшәйһең? – 2007 йылда Башҡортостанға ҡабат тарих һәм география уҡытыусылары менән барҙым, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыллыҡҡа арналған сараларҙың береһе ине. Шул саҡта шәхсән булмаһа ла, күп кенә шәхестәр менән күрешеү, Ю. Йосопов, Ф. Хисаметдинова, М. Роднов һәм башҡа ғалимдар менән танышыу булды. Хәҙер беҙ уларҙың материалдарына, ғилми яҙмаларына таянабыҙ. Унан инде 2014-2015 йылдарҙа Башҡортостанда “Башҡорт ырыуҙары тарихы” тигән көслө проект эшләй башланы, мин бығаса күп кенә мәҡәләләр менән сығыш яһағанғамы, краевед булараҡ, шул проектҡа ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. Пермь архивында эшләп, 1920 йылдың переписын табып алып бирҙем. Унан һуң шул методик-метрик китаптар, "ревизский сказкалар" менән бик кенә күп эшләнек. 1926 йылдың хужалыҡ китаптарынан да (похозяйственная книга) мәғлүмәттәр алып, 2015 йылда “Башҡорт ырыуҙары тарихы” циклында “Ғәйнә” тигән китапты нәшер итеп, презентацияланыҡ, күп кенә саралар үтте. Удикта, минең тыуған ауылымда, конференция булды, ҙурҙан ҡубып шәжәрә байрамы ла үткәреп алдыҡ. Башҡортостан, минеңсә, ана шул ғалимдары менән көслө, уларҙың тарих яҡтары ҡеүәтле, милли кейемде ҡайта рыуға ла ҙур йоғонто яһайҙар, шул яҡтан мин Башҡортостан халҡын, баш ҡорт тарҙы айырыуса ихтирам итәм. – Биш йыл самаһы элек Минтимер Шәймиевтың ауылындағы йорт-музейында булғанда, шәжәрәһен күрһәтеп, экскурсовод уның ата-бабалары башҡорт булған, әммә үҙе саф татар тигәйне, бындай күренештәр һеҙҙең яҡта ла таралған бит инде, ошо парадокс күп уйҙарға һала. Бер билдәле башҡорт шағирының, ауыр икән башҡорт булыуҙары, тигәне иҫкә төшә. Ә һинең үҙеңдең икеләнгән саҡтарың булдымы? Барҙала башҡорт булып йәшәү ауырмы? – Бардалылар телдәрен татар теле тип һанағас, тимәк, милләт буйынса ла татарҙар. Был парадокс бер яҡтан автомат рәүештә сиселә, әммә, икенсе яҡтан, үҙенең тарихына, шәхсән шул тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарына ни яҙылғанын йә әти-әниләренең йә ҡартәниләренең кем булыуҙарын белһә ләр, бәлки, ҡапма-ҡаршылыҡ та тыуалыр. Был ҡапма-ҡаршылыҡ шул әҙәби башҡорт теленең алыҫлығын аңлағанда шунда уҡ төшөп тә ҡала. Татар телендә һөйләшкәс, тимәк, беҙ – татарҙар, тигән һығымта яһала. Шуға бардалылар өсөн бында ниндәй ҙер парадокс бар, тип уйламайым мин. Бына шул уҡ Гүзәл Уразованы 2019 йылда күп кенә башҡорт селтәрҙәре иҫкә алды, сөнки ысындан да, минең тыуыу тураһында таныҡлыҡта “башҡорт” тип яҙылған, тине, әммә ул үҙенең хистойғоһо менән, күңеле менән татар милләтенә яҡыныраҡ булғас, үҙен татар тип әйтә. Быға нисек ҡарарға? Бары тик кешене аңлап ҡына ҡарарға кәрәк. Ни өсөн бардалылар башҡортлоҡто ҡабул итә алмай, сөнки башҡортлоҡ бай һәм боронғо милләт булып ҡалғанға, шул уҡ тел буйынса, шул уҡ ғөрөф-ғәҙәт һәм милли өҫ кейемдәре буйынса шундуҡ кәртә ҡуйыла, аңлауы ауыр, сөнки беҙҙең яҡта, шул уҡ Руденколарҙың фотоларын ҡарайбыҙ ҙа, беҙ бит бер ҡасан да көньяҡ-көнсығыштағы башҡорттар кеүек кейенмәгәнбеҙ, тибеҙ. Ғалимә С.Н. Шитова 1960 йылдарҙа беҙгә килгән ваҡыттарҙа көньяҡ Урал башҡорт тар ҙың фотоларын күрһәткән һәм ғәйнә ләр, былар бит башҡорттар түгел, башҡалар, тигәндәр. Шуға был процесҡа тәнҡитләп ҡарау кәрәкмәй. Һәр кем үҙ ҡарары, аҡылы менән үҙенең ниндәй милләткә ҡарауын ҡабул итә. Кемдер эйе, мин татармын, сөнки телем татар, ти, кемдер, эйе, мин баш - ҡортмон, сөнки минең әти-әниҙәрем, ата-бабам башҡорт, ти, ә кемдер, эйе, минең телем татар, әммә үҙем башҡорт, рухым башҡорт, ти. Мин инде шул өсөнсө категорияға ингән кеше булам. Минең бер ниндәй ҙә икеләнеү ҙә, йә булмаһа комплексым да юҡ. Татар телле баш ҡортто ла ҡабул итергә һәм сикләтмәҫкә кәрәк. Бардала башҡорт булып йәшәү ауыр түгел, башҡорт тигән һүҙҙе беҙгә ҡабул итергә генә кәрәк, ғәйнә башҡорт тип әйтһәң, бында бер ниндәй ҙә һорау тыумаясаҡ, сөнки ғәйнә башҡорт милли районы, ғәйнә башҡорт ере, ғәйнә башҡорт тарихы бар – бына шул нигеҙ. Шул нигеҙҙе үҙеңдә һаҡлаһаң, ғәйнә башҡорт булып йөрөүе Барҙала һис тә ауыр булмаясаҡ. “Үҙфекерле булыу, һүҙеңде яҡлай алыу бик ауыр…” – Барҙала алып барған оло эшмәкәрлегеңдә, моғайын да, кем дәргәлер таянаһыңдыр. Фекерҙәштә рең, рухташ тарың кемдәр? Улар хаҡында ла белге килә. – Мин социаль селтәрҙәрҙә әүҙем рәүештә мәҡәләләр яҙа башлағас, күп кенә иптәштәр тип әйтәйекме икән, рухташтар тип күтәрәһе килмәй, “товарищ”тар тип әйтәйек, барлыҡҡа килде. Улар ҡайһы саҡта тәнҡитләйҙәр, ҡайһы саҡта аңлайҙар. Үҙфекерле булыу, үҙеңдең уйҙарыңды әйтә белеү, һүҙеңде яҡлай алыу бик ауыр. Күп кеше аңламай йә аңларға теләмәй, йә икенсе парадигмала йәшәүселәр ҙә осрай. Шуға ул “товарищ”тарҙың исемдәрен яңғыратҡы килмәй, улар менән беҙ ҡайһы ваҡыт тарҙа бәхәсләшеп, ҡайһы саҡ үҙ-ара аңлашып, ҡайһы саҡтарҙа мин үҙ фекер ҙәремде әйтеп, шунан ниндәйҙер фекергә килеп, һығымталар яһап ала быҙ. Инаныстарымды яҡлауҙа хол ҡом дағы арҡырылығым тип әйтәйекме икән, ярҙам итә. Унан һуң, музей хеҙмәткәре, краевед булараҡ та, кеше менән эшләү яғынан да асыҡ булыу мөһим минең өсөн. Шулай, үҙеңдең уйфекерҙәреңә хыянат та итмәҫкә кәрәк, минеңсә! – Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асылдымы ул? Матбуғатта был хаҡта төрлөсә яҙалар. – Быйыл 14 ноябрҙә, Аллаһ бирһә, Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәл асыласаҡ. Был 2019 йылдың проекты ине, ҡыҙғанысҡа күрә, төрлө сәбәптәр арҡаһын да беҙ уны былтыр бойомға ашыра алманыҡ. Скульпторыбыҙ Ҡобағошов Өлфәт Миңләхмәт улына – һәйкәл авторына бик ҙур рәхмәтемде еткергем килә, ул булмаһа, беҙҙең һәйкәл бөтөнләй икенсе булыр ине. Ул һәйкәлгә рух өҫтәне, һәйкәлде тарих менән бәйләне, унда шулай уҡ Туҡтамыш Ишбу латовтың шәжәрәһе лә һынланған, Әйнә- Ғәйнә риүәйәте менән бәйле матур мәҙәни композиция ла буласаҡ. – “Бәйләнештә” (“Вконтакте”) селтәрендә алып барған төркөмөгөҙ ниндәй маҡсатҡа хеҙмәт итә? – Беҙ, ғәйнәләрҙең һөйләше әҙәби башҡортсанан да, татарсанан да ныҡ ҡына айырмалы. Мәҫәлән, ҡайтмаға, бармаға тип һөйләйбеҙ, ич, бит урынына ҡый тип әйтәбеҙ, ҡурай еләген өмөжө тибеҙ, һәм башҡалар… Беҙ уны нисек бар, шулай ҡабул итәбеҙ һәм үҙ телебеҙҙе матур тип уйлайбыҙ инде. “Бәйләнештә” селтәрендәге паблик башта Барҙа районының крайҙы өйрәнеү музейының төркөмө ине, аҙаҡ инде төрлө ҡапылчыҡлар, фекерҙәр килеп сыҡҡас, уны Барҙа музейыныҡы ғына булып аталыуы ҡыстыҡ була башланы. Һуңынан “Гайнинский край” тип үҙгәрттем һәм ул мәҡәләләрҙә үҙ фекеремде, үҙ мөнәсәбәттәремде еткерергә, үҙ тәжрибәм менән уртаҡлашырға тырышам. Бер нисә рубрика килеп сыҡты, “Афоризмдар”, “Ғәйнә һөйләше”, мәҫәлән. Ҡайһы бер кешеләргә был төркөм оҡшап та етмәй, уныһын да аңлайым, һәр бер аҙымым, фекерем, һүҙем башҡорттар яғынан ғына түгел, татарҙар яғынан да тәнҡитләнә, шуға ҡайһы саҡта үҙемде ике ут араһындағы һымаҡ хис итәм. Төркөмдө күргәс, Ҡазандан ҡайһы бер егеттәр, ах-х, унда, башҡорт төркөмө барлыҡҡа килгән, башҡортлыйлар икән унда пермдәрҙе, тип ебәрә, ә Өфө яҡтарынан шул төркөм аша, Пермь башҡорттарын татарлаштыралар икән, тигән хәбәрҙәр ҙә килә. Ике яҡтан да яраҡлатып булмай, тәнҡитләйҙәр, әммә үҙ аудиториям бар, төркөмдә 2 меңдән күберәк яҙылыусы, мин уларҙы ихтирам итәм. Мәҡәлә ләремде уҡыйҙар, йыш ҡына төрлө ғалимдарҙың фекерҙәре, архив материалдары тәү башлап шунда донъя күрә, күп кенә электрон китаптар ҙа сағыла. Шуға ла төркөм ябай кеше - ләргә генә түгел, ғалимдарға ла, крайҙы өйрәнеү буйынса материалдар, милли өҫ кейеме яғынан, унан һуң шул телгә мөнәсәбәт яғынан ҡыҙыҡлылыр, тип уйлайым. – Барҙа түбәтәйе тигән бренд тураһында ишеткәнем бар… – Барда башҡорттарының бренды бер Барда теүәтәйе генә түгел, беҙҙең яҡ Барда таҫтамалдары менән дә данлыҡлы булған. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәҙер Барда таҫтамалдарын яһаусы оҫтабикәләр юҡ инде. Шул Барда түбәтәйе ҡалды. Уны ла барыһы ла матур итеп булдыра алмай, бер нисә ауылда беҙҙең оҫта ҡулдарыбыҙ йәшәй, иң матур тегеүселәр инде беҙҙең Ҡайын ауылы – Березникила, унда Барда түбәтәйҙәрен тегеү буйынса бик күп кенә эш эшләйҙәр. Ҡайын ауылында Барда түбәтәйе музейы ла бар. Музейҙа 1950–1960 йылдарҙың түбәтәйҙәрен һәм заманға яраҡлаштырып стилләштерелгән баш кейемдәрен дә күрергә мөмкин. Түбәтәй беҙҙең Барда районының һабантуйы, Барда жиен ваҡыттарында ир-егеттәр кейеп йөрөгән баш кейеме инде. 2018 йылда Барда түбәтәйенә беҙ хатта артобъект – һәйкәл дә астыҡ, матур ғына булып тора ул. Ә инде беҙҙең икенсе милли брендыбыҙ гербта сағылған, ул – Барда ҡаҙы, Ҡазмаҡты тип, ҡазлар аҡты, бар да аҡты, бар да аҡты тигән риүәйәтебеҙ бар. Барда ҡаҙына ла беҙҙә осоп барған ҡаҙҙар рәүешендәге скульптур композиция асылды, өсөнсө брендҡа килгәндә, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алған Барда чәк-чәге, бик тәмле ризыҡ ул һәм беҙ, игенселәр, ер эшкәр - теүселәр булғас, төп брендтарҙың береһе – Барда картуп (картуб) – Бардымская картошка. Кешеләр күрше райондарҙан, төбәктәрҙән эҙләп килеп, тәмле, сифатлы, оҙаҡ һаҡлана тип алалар уны. “Тарихҡа мөнәсәбәт һалыу, китаптар баҫтырыу ғына етмәй…” – Әлегә кешеләр, һеҙ татармы йә башҡортмо, тип юрғанды төрлө яҡҡа тартҡан арала, асылда, халыҡ бөтөнләй урыҫлашып бөтөп бармаймы? Төрки донъяһы хаҡында ниндәй фекерҙәрең бар? – Эйе, татарлашыу мәсьәләнең бер факторы, ә икенсеһе, хәтәрерәге – руслашыу. Беҙ уны үҙебеҙҙең уландарҙа һәм ейәндәрҙә күрәбеҙ, улар рус телендә һөйләшкәс, тыуасаҡ нәҫелдәре лә шул юлды ҡыуасаҡ инде. 2050 йылға башҡорт милләте ниндәй була, татар милләте ниндәй була, тигәндә, бында инде беҙҙең башҡорт тарыбыҙ, татарҙарыбыҙ туған телдәре итеп рус телен яҙасаҡтар, тип уйлайым. Был объектив йүнәлеш, Рәсәйҙәге башҡа төрки халыҡтарҙа ла шул процестар барасаҡ, бында мәктәптә туған тел уҡытыу мәсьәләһе генә түгел, ә тап шул глобаль сәйәсәт ғәйепле. Беҙҙең туған телдә ребеҙ конкурентлы була аламы? Беҙҙең туған телдәр ниндәйҙер әҙәби нормаға ғына ябылып ҡаламы? Әллә телебеҙҙең диалект формаларын да ҡабул итәбеҙ ме, тигән һорауҙар төрки донъяһында хәҙерге ваҡытта йыш ҡулланыла. Һәм күрәбеҙ, татар донъяһында ла, башҡорт донъяһында ла әҙәби нормаларҙы сикләтеүселәр күп. Беҙгә башҡорт әҙәби теле кәрәкмәй, тигән кешеләр ҙә бар. Мин дә беҙгә башҡорт әҙәби теле ауыр бирелә, беҙгә әҙәби тел кәрәкмәй, тип әйтә киләм. Беләһегеҙ бит, Таһир Ғәлләм улы Баишев, беҙҙең яҡ башҡорттарының мәсьәләләрен күтәр гәндә, төньяҡ-көнбайыш башҡорт тарына башҡорт әҙәби телен индерергә кәрәкмәй, ә төньяҡ-көнбайыштың үҙенә генә хас булған башҡорт әҙәби телен булдырабыҙ тигән. 1950–1970 йылдарҙа ла, аҙаҡ та Таһир Ғәлләм улының тәҡдиме ҡабул ителмәне, был төбәк өсөн айырым әҙәби тел нормаһы булдырылманы, шуға ла беҙҙең яҡ башҡорт тарының әҙәби телгә бик көслө ҡаршылашыуҙарына осранығыҙ. Һүҙ Барда хаҡында ғына түгел, бөтә ошо төбәк башҡорттарын күҙ уңында тотам. Сөнки, беҙҙең телгә хас булмаған телде һәм шул телдә яҙылған әҙәбиәтте керетеү иң фажиғәле хәлдәрҙең береһе, тип уйлайым. – Дин ни хәлдә, рухиәт ниндәй кимәл дә бөгөн һеҙҙә? Үтә бай булған Аяз Шабутдинов гел интервьюларында, Көйәҙе – ул шундай бер соҡор, төпкөл (Куеда – это такая дыра), тип әйтергә ярата. Көйәҙеләр һеҙҙең күрше генә район бит. Депрессив өлкәме ул Пермь, әллә киреһенсәме? – Совет заманына тиклем Барда ерендә алтмышҡа яҡын мәсет һәм үҙебеҙҙең мөхтәсибәт булған. 1918–1920 йылдарҙа ла мөхтәсибәт эшләп килгән әле, тик репрессия ваҡыттарында мәсеттәребеҙ ябылып бөткән. 1990 йылдарҙа кире мәсеттәрҙе тергеҙеү юлына баҫтыҡ, хәҙер 34 мәсетебеҙ бар. 2013 йылда Бардала “Барҙа йәмиғ мәсете” асылды, ул Пермь крайында иң ҙур мәсет булып иҫәпләнә. Дини яҡтан үҫеш күренә, никах туйы, исем ататыу, Ҡорбан байрамы, Ураҙа ғәйете һымаҡ төрлө дини йолалар, байрамдар үткәрелә. Район ауыл хужалығы менән йәшәй, әммә колхоздар инде юҡ, күп кенә фермер хужалыҡтары эшләп килә, игенселек, картуп үҫтереү, мал тотоу менән булалар. Әммә Барда дотацион төбәк, күп кенә реформалар ҙа районға кире йоғонто яһаны, дауаханалар, мәктәптәр ябылыу… 2000 йылдар башында беҙҙә 46 белем усағы булһа, хәҙер районда ун ғына мәктәп ҡалды, оптимизация бик насар эҙемтәләргә килтерҙе. Ә мәҙәни усаҡтар, клуб учреждениелары һәйбәт кенә эшләп килә әле. Депрессив төбәкме, әллә үҫеш бармы тигәнгә, минеңсә, совет осоро менән сағыштырғанда, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә мөнәсәбәт элек һәйбәтерәк булғандыр. Баҙар иҡтисады шарттарында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү бик ауыр бирелә. Ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар булмағас, Бардалылар ҡалаларға йә Себергә китеп эшләргә тырыша. Беҙҙә лә бөтә Рәсәйҙәге һымаҡ тенденциялар бара. – Әгәр ваҡытында тап һеҙҙең диалект башҡорт әҙәби теле нигеҙенә ятһа, ни булыр ине икән? – Беҙ бит иң төньяҡта йәшәгән башҡорттар, Башҡортостан еренән айырылып ҡалғанбыҙ, компактлы утрау кеүек үҙебеҙ. Әлбиттә, беҙҙең ғәйнә һөйләшен әҙәби нормаға индермәҫтәр ине, сөнки бында беҙгә генә хас булған һүҙҙәр, һөйләмдәр, башҡа башҡорттар уны ҡабул итмәҫ ине, индерһәләр иһә, шул уҡ иң көньяҡтағы ҡыуаҡанды алған һымаҡ уҡ хәл килеп сығыр ине. Күреүегеҙсә, былай ҙа шул иң ҡырын вариантты башҡорт әҙәби нормаһы итеп алыу фажиғәгә килтерҙе бит инде. (Әйткәндәй, үзбәктәрҙә лә шундай хәл күҙәтелә. Унда ла тажиктар йоғонтоһонда формалашҡан ҡыр үзбәк диалектын әҙәби норма итеп алыу сәбәпле төп үзбәк һөйләштәре ныҡ зыян күрә. – Г.Х.) Башҡа төркиҙәр менән сағыштырғанда, башҡорттарҙа бөгөн туған тел итеп тарихи үҙ телен атау иң түбәндә, сөнки башҡорт әҙәби нормаларын булдырыу сәбәбенән һәм башҡортлоҡто башҡорт әҙәби теле генә билдәләй, имеш, тигән стереотип арҡаһында ул. Татарҙарҙа 90- 95 процент татарҙар туған тел тип татар телен атай. Башҡорттарҙа туған телен башҡорт тип атаусылар иң аҙ процент. 20-се йылдар переписендә ул 45–50 процент булһа, хәҙерге ваҡытта 70–75 процент башҡорттар үҙҙәренең телен башҡорт теле, ти. Ваҡытында, исмаһам, 50-се йылдарҙа атаҡлы ғалимыбыҙ Т.Ғ. Баишевты тыңлап, беҙҙең зона һөйләшен икенсе башҡорт әҙәби нормаһы итеп алғанда йәиһә башҡорт әҙәби нормаһына төньяҡ-көнбайыш диалект тың нигеҙен, лексика һәм фонетика нормаларын индереп яраҡлаштырһалар, 1989 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа 130 мең башҡорт татар булып китмәҫ ине лә. Бер уйлаһаң, алай ҙа Барда мәктәптәренә башҡорт теле индерел мәгән, 70-се йылдарҙа беҙгә шундай әҙәби башҡорт теле көслөк менән, административ рәүештә инһә, индерелһә, әлбиттә, беҙҙең татарлашыу факторы тағы ла көслө булыр ине, Башҡортос тандың төньяҡ-көнбайышындағы һымаҡ, барыһы ла тиерлек татар булып яҙылырҙар ине. – Бөгөн Барҙа башҡорттары төрлө яҡлап үҫһен, үҙаңына ҡайтһын өсөн нимәләр эшләү талап ителә? – Бында тарихты белеү, тарихҡа мөнәсәбәт һалыу, китаптар баҫтырыу ғына етмәй. Ул китаптар, әлбиттә, китапханаларҙа ята, тик төрлө сараларҙы күберәк үткәреп, ниндәйҙер массмедиа йә шул уҡ интернет һәм телеви дение аша тарихыбыҙҙы, тарихи шәхестәребеҙҙә киң массаларға танытыу зарур. Иң мөһиме, беҙҙең интеллигенция менән эшләү мөһим, тәнҡит уты яуҙырырға ғына түгел, беҙҙәге һәйбәт үҫеш факторҙарын да күреп, һығымта яһап, шуны үҫтереп ебәрергә ине. Башҡортостан вәкилдәренә ана шуны белергә кәрәк. Әлбиттә, улар килеп, беҙгә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеп, ҡымыҙ эсереп йә шул ырыуҙар тарихы һымаҡ китаптарын алып килеү һымаҡ бер тапҡыр үткәрелгән саралар ғына түгел, ә тап беҙҙең ғәйнә башҡорттарыныҡы тарихына таянған өҫ кейемдәр, ғәйнә башҡорттары тарихына таянған шәхес тәрҙе күтәреү һәм күп кенә шул матди ярҙам талап итә торған эштәрҙе финанслау яғынан да ярҙам кәрәк, тип уйлайым, – тип тамамланы һүҙен ғәйнә батыры. Юҡ, яңылыш уҡыманығыҙ, ысынлап та, һүҙеңде, фекереңде яҡлап көрәшә белеү ҡаһармандар эше ул. Океан беҙ күҙ алдына килтергәндән дә киң һәм тәрәнерәк булған ише, башҡорт донъяһы ла беҙ аңлай һәм тоя алғандан да ҙурыраҡ һәм киңерәк ул. Ошо хәҡиҡәтте ҡабул итә алһаҡ, миллә тебеҙҙең үҙебеҙҙән айырыла яҙған, юғала яҙған өлөшө лә башҡорт ҡәүе мендә үҙ урынын алыр. Татар телле башҡорттарыбыҙҙың бөгөнгө татар мәҙәниәтен үҫтереүсе төп донорҙар булыуын да танырға кәрәк. Беҙ, башҡорт ғалимдары, журналистары инде нисә йыл төньяҡ-көнбайыш башҡорттары проб ле - маһын күтәрә һәм аңлата килһәк тә, ул төбәк башҡорттарының башҡорт матбуғатын алдырмауын һәм беҙҙең борсолоуҙар һәм эҙләнеүҙәр менән таныш та түгеллеген дә аңлау зарур. Татар милләте һан яғынан күберәк һәм көслөрәк тигән мифтан да арынырға кәрәк, беҙ тиңбеҙ, туғандашбыҙ. Бығаса татар милләте эсендә һаналып йөрөгән нуғай, себер татары, ҡырым татары, керәшен һәм башҡа халыҡтар ҙа бөгөн йәмәғәтселек уларҙың айырым милләт булыуҙарын таныуҙары өсөн көрәшә. Ике халыҡтың матбуғат тираждарын ҡараһаң да, яҡынса бер иш, был әле Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш халҡы ла тик татарса гәзит-журналдар алдырыуын иҫәпкә алыу менән бергә. Тағы ла, телде үҙгәртеп, тарихты юйып була, ә ҡан хәтере мәңгелек икәнен дә онотмайыҡ. Эйе, һәр кем үҙбилдәләнешкә һәм тарихи хәҡиҡәттәрҙе белеүгә, шулай уҡ үҙ фекерен яҡларға ла хоҡуҡлы. Баш ҡорт тоң иң боронғо ырыуҙарының береһе булған ғәйнәләрҙең интернет селтәрендәге лидеры Альберт Мәхмү дов менән әңгәмәләшкәндән һуң бына шундай уйҙар яралды күңелдә.
Артур Музипов Волга буйы федераль округының «ФормART» стрит-арт фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Уның эше «Күсмә халыҡтарҙың ҡурсалаусыһы» тип атала. Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирегеҙ! Эше Белорет ҡалаһы, Киров урамы, 58-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. «Урал батыр» эпосында Һомай - мифик ҡош, Урал батырҙың ҡатыны, кешеләрҙе ҡурсалаусы. Был һүрәттә Һомай беҙҙең алдыбыҙға милли кейемдәге башҡорт ҡыҙы образында килеп баҫа. Был осраҡлы түгел, сөнки милли кейемдә тәбиғәт мөхите, хужалыҡ-көнкүреш тәртибе генә түгел, халыҡтың этник үҙенсәлеге, уның рухи мәҙәниәте һәм инаныуы ла сағыла. Өлкән быуын костюм ярҙамында киләсәк быуынға халҡының мираҫын тапшыра, үҙенең тарихын һөйләй. Яҡташыбыҙ өсөн ошо номер буйынса 8 (800) 301-50-23 тауыш бирегеҙ һәм тон режимында индивидуаль номер – 1-ҙе күрһәтегеҙ. 10-ынан 23 октябргә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Тауыш биреү статистикаһын ошонда на formartpfo.ru белергә була.
Сентябрь һөнәри байрамдарға бай. Финансистар, рекрутерҙар, программистар, машина төҙөүселәр. Ошо һөнәрҙәр араһында тотош бүлектәрҙе, ойошманың айырым һөнәр эйәләрен бәйләп тороу-сы һөнәр эйәләре – секретарҙар ҙа алтын көҙҙә байрамдарын билдәләй. Беҙҙең илдә секретарҙарҙың рәсми байрамы юҡ ине. Әммә 2005 йылда был хәлде үҙгәртергә ҡарар итәләр. Яңы байрамды сентябрҙең өсөнсө йомаһына тәғәйенләйҙәр. Быйыл ул 21 сентябргә тура килә. Секретарҙарҙың эштәре бик күп. Көн һайын уларға өйөлөп ятҡан документтарҙы тәртипкә килтерергә, сәғәттәр буйы компьютер мониторы алдында эшләргә, күп һанлы ваҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Хеҙмәттәре күренеп тә бармайҙыр, бәлки, әммә көндәлек тормошта улар-һыҙ мөмкин түгел. Секретарҙарҙың һөнәри байрамдары уңайынан беҙ был һөнәрҙә 14 йыл эшләгән Елена Бижанова тураһында яҙырға ҡарар иттек. Елена Владимировна Коми Республикаһының Воркута ҡалаһында тыуған. Ғаиләләре әсәләренең тыу-ған Башҡортостанына ҡайтырға ҡарар итә. Секретарь һөнәренә ул осраҡлы килеп эләгә. 2-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбен тамамлағас, шунда уҡ лаборант эшенә урынлаша. Был хәл 1997 йылда була. Ә 2004 йылда Елена Бижанова Башҡорт гимназияһының секретары булып китә. Бер юлы ул Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ колледжын ситтән тороп тамамлай һәм “Хоҡуҡ ғилеме белгесе” һөнәрен үҙләштерә. – Алынған белемем эшемдә бик кәрәк булып тора, – тип билдәләй Елена. Ул эшен еренә еткереп сифатлы башҡарғаны өсөн почет грамоталары менән бүләкләнгән. Елена Владимировнаның фекеренсә, секретарҙың төп сифаттары – ихласлыҡ һәм яғымлылыҡ. Бында һүҙ туранан-тура әңгәмәләшеүгә лә, телефон аша һөйләшеүгә лә ҡағыла. Шулай уҡ секретарға иғтибарлы һәм сабыр була белергә кәрәк. Әммә был сифаттар кешегә әҙер килеш бирелмәй. Көн һайын үҙ өҫтөңдә эшләргә, вазифаңа ныҡышмалы һәм яуаплы әҙерләнергә кәрәк. – Эшем һәм бергә хеҙмәт иткән коллектив миңә бик оҡшай. Иртә менән теләп эшкә барыуҙан, ә кисен өйҙә көтөп торған ике улым һәм ирем янына ашығыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул. Хөрмәтле коллегаларымды байрам менән ҡотлайым һәм һәр көнөгөҙҙөң шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡтылыҡ менән тулы булыуын теләйем. Ғаилә бәхете, һеҙгә, һәм ныҡлы сәләмәтлек!
Йәй дауамында мал аҙығы әҙерләргә, ҡышлатыу миҙгелен юғалтыуһыҙ сығырға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, тырыш ғаиләләр мал һанын арттырып, етеш тормошта йәшәргә ынтыла. Әммә илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына һәм Таможня союзына (ВТО) кереүе, иткә, һөткә һәм уларҙан эшләнгән аҙыҡ-түлеккә ҡарата булған талаптарҙы тағы ла ҡатыландырҙы. Хәҙер һатыуға сығарыла торған, иткә тигән мал-тыуар махсус пункттарҙа боғаҙланырға тейеш. Районыбыҙҙа Учалы ҡалаһында, Озерныйҙа һәм «Юлдаш» йәмғиәтендә мал һуйыу цехтары эшләй. Ошо көндәрҙә Ахун ауылынан фермер Фазылйән Садиҡов бер төркөм ауылдаштары менән кооперативҡа берләшеп, мал һуйыу цехы асты. Модулле пункттың хаҡы 2,5 миллион һумға барып баҫа. Уның 1,7 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан субсидия рәүешендә алынған. Ҡалған сумманы кооперативҡа ингән ун кеше ҡаплаған. Яңы бинаны асыу тантанаһында республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы яҡташыбыҙ Азат Йыһаншин ҡатнашты. Мал боғаҙлау цехы Фазылйән Садиҡовтың хужалығы биләмәһендә урынлашҡан. Әйткәндәй, Фазылйән ағай аяғында ышаныслы баҫып торған, хужалығын үҫтереүгә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән фермерҙарҙың береһе. Ул үҙ эшмәкәрлеген 2000 йылда башлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Фазылян Исмәғил улы бер йүнәлештә генә эшләмәй, табыш алыуҙың төрлө юлдарын эҙләй. Былтырҙан башлап сыр етештерә башлағандар. Лизингҡа ризыҡты яһау өсөн ҡорамалдар ҙа һатып алғандар. Модулле һуғым цехын Әбйәлил районынан бригада килеп эшләгән. Барлыҡ ветеринар-санитар талаптарға яуап бирә. Кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, мал һуйыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бина эсенә һыу үткән, йыуыныу өсөн душ бүлмәһе лә бар. Бар эш автоматик рәүештә башҡарыла, итте киҫәктәргә бүлеү, һыуытҡысҡа ҡуйыу һәм башҡаһы. Түшкәне күтәреп йөрөргә кәрәкмәй. Цехта ике кеше эшләйәсәк. Иң мөһиме малды мосолман ҡанундарына ярашлы, хәләл итеп боғаҙлаясаҡтар. Юғиһә ҡайһы бер пункттарҙа ток менән һуҡтырыуҙарын ишетергә тура килде. Модулле пунктты күсереп йөрөтөргә лә буласаҡ. Ахун ауылында мал һуйыу цехы асылыу беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Белеүегеҙсә, яңы законға ярашлы, хәҙер мал махсус пункттарҙа боғаҙланырға тейеш. Был тәү сиратта кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында эшләнә. Малдарҙа ниндәй генә ауырыу юҡ, уларҙың кешеләргә лә йоғоуы ихтимал бит. Бындай алым төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтен дә әһәмиәтле, сөнки мал табиптары урында уҡ иткә һәм эске органдарына етди тикшереү үткәрә. Сирҙәрҙе ваҡытында кисектереү өсөн дә мал һуйыу цехтарын булдырыу мөһим. - Әлеге модулле пункт ыҡсым итеп төҙөлгән, хаҡы ла үтә ҡиммәт түгел. Республикала бындай цехтарҙың уртаса хаҡы 5 миллион һумға барып баҫа, әлегенән ике тапҡырға ҡиммәт. Был проекттың ҡалған райондарҙа ла танылыу алыуын теләйем, отошло вариант, - тине Азат Йыһаншин. Азат Салауат улынан бер ыңғайы төбәгебеҙҙе хәүефкә һалған бруцеллез, ҡотороу ауырыуҙарына комментарий биреүен дә һораныҡ: - Дөрөҫөн әйткәндә, был ауырыуҙар буйынса Учалы хафаланырға мәжбүр итте. 35 йылдан һуң уйламаған урындан бруцеллез килеп сыҡты. Сәбәбе - ситтән рөхсәтһеҙ мал индереү. Бер фермер арҡаһында, күпме хужалыҡ зыян күрҙе. Бруцеллездың ун һигеҙ сығанағы асыҡланды. Халыҡ һаман да аңлап бөтмәй, ветеринар оҙатыуһыҙ мал-тыуарҙың хәүеф тыуҙырыуын. Былтыр Бүздәк районында бешмә (ящур) ауырыуының да ошо арҡала таралыуын хә-терләйһегеҙҙер, моғайын. Ярай ҙа зыян күреүселәргә малдарының хаҡы тулыһынса ҡайтарылды, әммә шундай ауырыуҙар бар, әгәр берәй хәл була ҡалһа, аҡса бирелмәй. Бруцеллез шулар иҫәбенә инә. Ошо арҡала, хужалыҡтар ҙур зыян күрҙеләр. Баҙарҙа иттең хаҡы 400 һум торғанда, улар 40 һум менән эшкәртергә ризалашҡан предприяитиеларға тапшырырға мәжбүр булдылар. Предприятие иткә хаҡты үҙе ҡуя, беҙ уларға бер нисек тә йоғонто яһай алмай-быҙ. Шуны аңлаһындар ине. Бруцеллез буйынса әле бер генә имен булмаған хужалыҡ ҡалды. Өс айҙан һуң һауыҡтырылған нөктәләрҙән ҡабаттан ҡан аласаҡбыҙ. Тағы бер ҡабат иҫкәртәм, Учалы сит өлкәләр менән сиктәш. Шуға ла ветеринар оҙатыу ҡағыҙы булмағандарҙан мал һатып алмағыҙ. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Удмуртияла нодуляр дерматит таралған. Ул да бруцеллез һымаҡ хәүефле сир. Малдарҙы биркалау ошондай ауырыуҙарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә лә инде. Ҡотороу сиренә килгәндә, уны нигеҙҙә ҡыр хайуандары тарата. Ҡолош ауылында иһә ҡоторған төлкө ҡураға инеп һыйыр малын тешләй. Ә хәҙер ҡотороуға ҡаршы прививка яһалған булғанмы икәнлеге тикшерелә. Шуға ла малдар ваҡытында мотлаҡ вакцинацияланырға тейеш, - тип аңлатты БР Ветеринария идаралығы начальнигы. Әлиә ДАУЫТОВА. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Экологик форумды Рәсәй экология йәмғиәте һәм “Таҙа ил” ассоциацияһы ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумға Татарстан, Ҡырым республикаларынан, Түбәнге Новгород, Ростов, Калуга, Воронеж өлкәләренән, шулай уҡ Мәскәүҙән, Төмән өлкәһенән, Пермь крайынан 30-ҙан ашыу компания вәкилдәре киләсәк. Форумдың эшлекле программаһын “Төбәк экологияһы. Тармаҡты үҫтереү тенденциялары” тип аталған пленар ултырыш аса. Ултырышты Рәсәй экология йәмғиәте рәйесе, "Экология" милли проектының йәмәғәт-эшлекле советы рәйесе урынбаҫары Рәшид Исмаилов алып бара. Бынан тыш, форум барышында урман ресурстарын һаҡлауға, сәнәғәт экологияһына, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә, браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәшкә, экотуризмға һәм башҡа темаларға арналған 15 тармаҡ дискуссия майҙансыҡтары һәм түңәрәк өҫтәлдәр, шулай уҡ “Сәләмәт мөхит” бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Ойоштороусылар форумдың мәғрифәтселек майҙансығы булыуын да иҫәпкә алып, йәштәр өсөн ҙур программа әҙерләгән. 13 апрель программала Йәштәр экология көнө тип билдәләнгән. Уның барышында “Башҡортостандың йәшел киләсәге” пленар сессияһы, студенттарҙың экологик проекттарын яҡлау, эко-квиз, викторина, “Ерҙе һаҡлаусылар” эко-уйыны, икенсел сеймалдан әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Күргәҙмә майҙанында “Рәсәйҙең йәшел транспорты” интерактив майҙансығы эшләй. Был сара - ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Экология" милли проекты (национальный проект "Экология") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу сараһы ла ул. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: businessbashkiria.ru Автор:Гөлдәр Яҡшығолова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә Гран-при яуланы. 9-19 мартта Сәғүд Ғәрәбстанының Эр-Рияд-Короллеге ҡалаһында Король Абдул Ғәзиз исемендәге «CAMELFESTIVAL» барышында ҙур фестиваль ойошторолдо. Төркөм Рәсәй исеменән сығыш яһаны һәм донъяның бик күп коллективтары араһында этно-музыка, этно-хит номинацияларында оҫта башҡарыусы исеме өсөн көрәште. Ижади бәйгенең шарттарына ярашлы, һәр илдең вәкилдәре сәнғәттең сәхнә, уйын, кәсепселек төрҙәрендә халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған милли программа тәҡдим итергә тейеш ине. Һәр делегация биштән кәм булмаған 15-20 минутлыҡ концерт программаһын әҙерләне. Үткән йылдың аҙағында башҡорт артистарының Ҡырғыҙстанда «Бөтә донъя күскенселәр уйындары»ндағы сығышынан һуң «Арғымаҡ»ты сараның ҡунағы итеп саҡырҙылар. Ләкин музыканттар конкурс программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. http://www.bashinform.ru/news/1287038-gruppa-argymak-poluchila-gran-pri-na-mezhdunarodnom-etnofestivale-vselennaya-kochevnikov/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Салауат Юлаев көндәре айҡанлы, милли батырыбыҙҙың образына һәм шәхесенә арналған ғилми конференция ойошторолдо. Ул онлайн тәртиптә үтте. Салауат Юлаев көндәре айҡанлы, милли батырыбыҙҙың образына һәм шәхесенә арналған ғилми конференция ойошторолдо. Ул онлайн тәртиптә үтте. Сарала доклад менән сығыш яһаусылар күп (50-гә яҡын) булды, уларҙы ғалимдар, тикшеренеүселәр, мәҙәниәт, музей, фән, мәғариф эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр тыңланы. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Азат Бадранов сәләмләне. Сара барышында Салауат Юлаев шәхесенең тарихи әһәмиәте, уның башҡорт фольклорында, тарихи сығанаҡтарҙа, республиканың төрлө ғалимдарының фәнни-эҙләнеү эштәрендәге образы, милли батыр хаҡында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү, был хәтерҙең Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостан халҡында илһөйәрлек тойғоһон үҫтергәне, Салауат Юлаев менән бәйле күсемһеҙ милектәрҙе һаҡлау, ҡаһармандың эшмәкәрлеген популярлаштырыу һ.б. хаҡында һөйләшеү барҙы. Сығыш яһаусы һәр кем милли батырыбыҙға ҡағылған тарих, фольклористика, музей өлкәләре мәсьәләләренең көнүҙәклеген билдәләне. Сығанаҡ: БАШИНФОРМ Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Яҙҙың иң гүзәл, саф байрамы 8 март алдынан “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне. Беҙҙең ҡаланан һәм районыбыҙҙан барған ҡыҙҙарыбыҙ дипломдар һәм сәскәләр менән бүләкләнде. “Хазина” төркөмөнән Миңзиә Уразбаева менән Гөлбикә Биктанова махсус призға – күҙ ауырыуҙары белгесенә күренеү өсөн бушлай сертификат менән бүләкләнделәр. Фәрзәнә Әбсәләмова “Өлкән быуын араһында иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәре” номинацияһында еңеп, дипломға лайыҡ булды. - Республика күләмендә үткән бик матур сарала ҡатнашып ҡайтыуыбыҙға һис шикһеҙ шатбыҙ. Рәхәтләнеп аралашып, башҡа район һәм ҡалаларҙың гүзәл заттары менән танышып ҡайттыҡ. “Арғымаҡ” төркөмө, Вәхит Хызыров, Тимур Рамаҙанов һәм башҡа күренекле артистар ҡатнашҡан матур концерт та күңелебеҙгә май булып яғылды. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан беҙгә баш ҡалабыҙға барып ҡайтыу мөмкинлеге булдырған район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, уның эштәр идарасыһы Әлфиә Ханбәковаға, “Йәшлек” мәҙәниәт йорто директоры Зөлфирә Эйтерникка ҙур рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙҙе алып барып, бәлә-ҡазаһыҙ ғына кире алып ҡайтҡан водителебеҙ Азамат Хажиморатовҡа йылы һүҙҙәребеҙҙе әйтәбеҙ. Уларға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ, - ти Аҡһары ауылының “Хазина” төркөмө ҡыҙҙары. Тулы материалды гәзиттә уҡығыҙ. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында Бөрө районындағы лагерҙа булған фажиғәнән һуң балалар ялының хәүефһеҙлеген һәм сифатын күтәреү буйынса эшсе төркөм булдырыла. Ғәҙәттән тыш хәл 3 июндә «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында теркәлгән. Бөрө мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһына флагты күтәреп ҡуя торған ҡолға килеп төшкән. Үҫмер үлгән. Башҡортостан прокуратураһы тикшереү башлаған. «Был хәл, әлбиттә, айырым тикшереү предметына әүерелде, һығымталар яһалыр, ғәйеплеләр табылыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене кире ҡайтарып булмай. Ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев. Дәүләт Йыйылышы рәйесе билдәләүенсә, балалар ялын ойошторғанда тәү сиратта хәүефһеҙлек 100% тәьмин ителергә тейеш, ә Бөрө районындағы күңелһеҙ хәл был мәсьәләләргә тейешенсә иғтибар бүленмәүен күрһәтте. «Лагерҙарҙың күпселеге — Советтар Союзы мираҫы, үткән быуаттың 50-70-се йылдарында төҙөлгән биналар. Шул ваҡыттан алып күп нәмә, шул иҫәптән ялды ойоштороуға, көнкүреш шарттарына талаптар үҙгәрҙе. Шуға бәйле бөтә депутаттарға үтенесем бар: үҙегеҙҙең һайлау округтарында йәйгеһен балалар ялын ойоштороуға, хәүефһеҙлек, туҡланыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлергә. Бынан тыш, Дәүләт Йыйылышында ошо мәсьәләгә төшөнөргә һәм балалар ялын хәҙерге талаптар кимәленә сығарырға мөмкинлек биргән тәҡдимдәр әҙерләргә тейешле төркөм ойошторола». Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Был тетрәткес юлдарҙың авторы – утлы яу юлдарынан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан шағир Батыр Вәлид. Күҙҙәре һуҡрайып, ғүмер уртаһы етер – етмәҫтән бөтөнләй кеше көнлө булып ҡалған ижадсы. Ҡулына ҡәләм тотоп, уй – тойғоларын аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөү һәләтенән яҙа. Ә бит егерменсе – утыҙынсы йылдарҙа яҡташыбыҙ Батыр Вәлид Башҡортостанда киң билдәле иң абруйлы шағирҙарҙың береһе була. Яугир – шағир һәм журналист, 1936 йылдан алып Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлидов) 1905 йылдың 20 апрелендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Туҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған. Йәшләй етем ҡалып, байҙарҙа көтөү көтә, приискыларҙа эшләп, төрлө ауырлыҡтар күреп үҫә. Тәүҙә Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының үҙәге Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1923 йылда Өфөгә килеп В. И. Ленин исемендәге интернат мәктәбенә уҡырға инә. Ошо йылдарҙа Батыр Вәлид әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына һәм үҙе лә шиғырҙар яҙа башлай. Мәктәпте тамамлағас, ул рабфакта, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Батыр Вәлидтең исеме 1924 – 1925 йылдарҙа матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай, айырыуса ул 1926 – 1932 йылдарҙа популяр шағирҙарҙың береһе булып таныла. Уның бер-бер артлы «Асыу ҡатыш йылмайыу», «Тау балаһы», «Борғо тауышы», «Еңеү» кеүек шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. Әҙәбиәткә Батыр Вәлид индустриаль хеҙмәт, атап әйткәндә, үҙе тыуып үҫкән Түбә руднигы, шахта батырҙарын, улар тормошондағы ҙур үҙгәрештәрҙе йырлаған үҙенсәлекле шағир булараҡ килде. Башҡортостан халыҡтары араһында киң таралған популяр «Ҡуңыр буға», «Ирәндек буйында», «Салауат маршы» кеүек йырҙарҙың текстарының авторы ул. Утыҙынсы йылдарҙа уның сәләмәтлеге насарланыу сәбәпле, ижади активлығы ла кәмей. 1941 йылға тиклем ул Башҡортостандың көньяҡ райондарында уҡытыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә Батыр Вәлид ауыр контузия ала һәм шуның һөҙөмтәһендә инде бөтөнләй һуҡырая. Шағир шундай бәхетһеҙлеккә осраһа ла ҡәләмен ташламай. Уның «Бүләгем», «Һайланма әҫәрҙәр», «Йырлайыҡ, дуҫтар», «Күңел күҙе», «Ҡурай моңо», «Йылдарым — йырҙарым» китаптары баҫылып сыҡты. Ул шиғырҙар менән бергә лиро-эпик характерҙағы «Тау балаһы», «Билсән Сөләй», «Ҡауышыу», «Уралға йырым» кеүек поэмалар яҙҙы. Батыр Вәлид 1969 йылда 26 февралендә яҡты донъя менән хушлаша. Һуңғы 9 йылын ул Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Күренекле шағир Батыр Вәлидтең исемен яҡташтары күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлай. Күсей ауылында ла уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, урамдарға исеме ҡушылған. 1963 йылда уға Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы исеме бирелә. 1994 йылдың 9 апреленән арҙаҡлы яҡташыбыҙ, халҡыбыҙҙың данлы улы шағир Батыр Вәлидтең иҫтәлегенә арнап Баймаҡ районы һәм ҡалаһы хакимиәте махсус премия булдырҙы. Ул әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙға бирелә. Иң тәүге премия Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы Абдулхаҡ Игебаевҡа ауылдашы – Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловҡа арналған “Ирәндек бөркөтө” поэмаһы һәм баймаҡтар тураһындағы шиғырҙары өсөн бирелде. Сөнки ул яугир-шағир Батыр Вәлидтең шиғырҙарын тәүге булып аҡ ҡағыҙға төшөрөүсе, иң тәүге булып матбуғат биттәренә биреүсе лә ул булды.
Дүрт бала тәрбиәләй улар, ғөмүмән, Кинйәбай, был йәһәттән, алға киткән ауыл - баланы күпләп табалар, быға иғтибар иткән кеше генә юҡ, мөмкин булһа, Ауыл-герой тигән исем бирергә була ине үҙенә. Юныс тракторҙа йөрөй, "Юшатыр" уның тураһында яҙғаны булды, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта, Кинйәбай халҡы уға рәхмәт уҡып бөтә алмай, шул хәтле егәрле, ҡар ергә төшөп тә өлгөрмәй, Юныс уны ҡырып та үтә. Гөлиә беҙҙең янға тиҙ генә килә алманы - ауыл тормошон үҙегеҙ беләһегеҙ, тиҙ генә ҡуҙғалып, барыһын ташлап сығып китеп булмай. Гөлиә менән Юныс Абдуллиндар "Мин һине яратам" конкурсында еңгәйнеләр, еңеүселәр барыһы ла бүләктәрен килеп алып бөттө. ә ҡаҙармалар - юҡ. Дүрт бала тәрбиәләй улар, ғөмүмән, Кинйәбай был йәһәттән алға киткән ауыл - баланы күпләп табалар, иғтибар иткән кеше генә юҡ, мөмкин булһа, Ауыл-герой тигән исем бирергә була ине үҙенә. Юныс тракторҙа йөрөй, Юшатыр уның тураһында яҙғаны булды, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта ул, Кинйәбай халҡы уға рәхмәт уҡып бөтә алмай, шул хәтле егәрле, ҡар ергә төшөп тә өлгөрмәй, Юныс уны ҡырып та үтә. Беҙ, ҡыйыулыҡ етеп, Гөлиәнән һорап ҡуйҙыҡ: - Бишенсе балаға пландар юҡмы? - Бар. Амин. Бар сабыйҙарғыҙ ҙа үҙ бәхеттәре менән тыуһын, шул бәхет ғүмере буйы уларҙы оҙата барһын. Барлыҡ матур пландарығыҙ тормошҡа ашып торһон. Ғүмер юлығыҙ, Юныс таҙартҡан урам һымаҡ, тап-таҡыр, таҙа булһын. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Гәзиткә ошондай хат булғайны: “Мәскәүҙә йәшәүсе бер милләттәш шундай һорау бирҙе: — Башҡорт ҡатын-ҡыҙы образы бармы ул, булһа – ниндәй? Икенсе милләт ҡыҙына өйләнеп, байтаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәп, балалары менән сит телдә аралашып йәшәп ятҡан егеттәребеҙҙең береһе ине ул. Ахыры, аҡылына килеп, уйлана башлаған был, үҙенекен тартыу ошо һорауҙы тыуҙырғандыр, тип уйлап, ғорур яуап бирҙем: — Бар, әлбиттә! — Ә ниңә мин уларҙы башҡаларҙан айыра алмайым? Бер башҡорт ҡыҙына: “Ниңә кейәүгә сыҡмайһың?” тип һораһам, “Миңә тигән ир тыумаған әле!” тип бик эре сирттерҙе. Ошомо башҡорт ҡатын-ҡыҙы образы? Ир-егетте һанға һуҡмаған, ирҙәрҙән алда хәбәр һөйләгән, ирҙәрҙең ирлеген һанламаған башҡорт ҡатыны буламы? Хәҙер бит күберәк шундайҙарҙы ғына осратаһың... Мин милләттәш менән бәхәсләшеп бер-нисә һүҙ әйтеп өлгөрҙөм, әммә ул минең ауыҙҙы ябыр дәлил килтерҙе: — Иллене уҙғас, урыҫ милләттән булған ҡатыным менән талаш-тартыш башланды. “Башҡорт ҡатынына етмәйһең инде!” тип ҡысҡырҙым бер талаш ваҡытында. Ҡатыным өйгә бер башҡорт әхирәтен алып ҡайта башланы. Бергәләп эстеләр, һүгенәләр, былар саманан ашып китте. Аҙаҡ ҡатыным: — Башҡорт ҡатындарын минән яҡшыраҡ тип уйлай инең, күрҙеңме инде? – тине. Шулай рәхәтләнеп үс алды минән... Ысынлап та, беҙме был?” ОБРАЗ ЭҘЛӘГӘНДӘ... “Башҡорт ҡыҙы образы ниндәй?” тигән бер кәлимә фекерҙе уҡығас, бер аҙ аптырап ҡалдым. Ниңә ул әллә ҡайҙағы Мәскәүҙә йәшәгән мәрйәнең фекере беҙҙе борсой һәм хатта башҡорт ҡатын-ҡыҙы образына күләгә төшөрә ала? Уның башҡорт әхирәте эскесе, әҙәпһеҙ икән, тимәк уның үҙ кимәле лә шулай ғына. Кеше бит, ғәҙәттә, кимәлдәш, фекерҙәш булғандар менән яҡынлаша. “Дуҫыңдың кем икәнен әйт, мин һинең кемлегеңде әйтәм” ти бит мәҡәл дә. Шулай уҡ ул “милләттәш”тең илле йәштетеп тә башҡорт ҡатын-ҡыҙы образын белмәгәне аптырата. Кемдән тыуҙы икән һуң ул? Имеҙеп үҫтергән әсәһе, апай-һеңлеләре, бергә үҫкән, уҡыған иптәш ҡыҙҙары, ауылдаштары булманымы икән? Әйтерһең ҡатыны алып ҡайтҡан эскесенән башҡа милләттәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрмәгән, белмәгән. Эйе, башҡорт ҡыҙҙары ҡырыҫ. Эйе, улар ҡаты. Әммә милләтте милләт булараҡ та тап ана шул ҡырыҫлыҡ һаҡлай бит һуң. Улар башҡаса була алмай, ҡандары, аңдары, булмыштары шулай. Ҡырыҫлыҡ бит башҡорт ир-егетендә лә етәрлек. “Башҡорт атын маҡтар, этен маҡтар, ҡатынын маҡтамаҫ” тимәгән дә инде юҡҡа ғына. Ҡырыҫ башҡорт ҡатынынан ҡыҙ ҙа тыуа, ул да тыуа һәм улар бер-береһен ҡырыҫлыҡта ғәйепләй булып сыға инде... Бер яҡтан мин ул ағайҙың хәлен аңлайым. Ул икенсе милләт ҡатыны менән, бигерәк тә үҙенән характеры менән көслө һәм буйоһоноп бармаҫ урыҫ милләтле ҡатын менән йәшәп, үҙ-үҙен юғалтҡан. Сит менталитетлы, сит ғөрөф-ғәҙәтле кеше уны, тәбиғәт балаһы булған башҡортто, баҫҡан. Йәшерәк саҡта һөйөү, унан балалар, донъя тип кеше онотолғандай була ла, олоғая бара, алда һанағандарҙың тартыу көсө кәмегәс, асылына ҡайта, ғәҙәттә. Ә ысынында уның аңы барыһын да яҙып бара. Сит телдә һөйләшеү, балаларҙы сит телдә иркәләү, үҙ йолаларыңа иғтибарһыҙлыҡ, ата-әсәңә, туғандарыңа ҡыр итеп ҡарауҙы тойоп, һиҙеп йәшәү, сит аш, сит мөнәсәбәт, кеше үҙе аңламаһа ла, йылдар ағымында һине юғары аң менән тоташтырып торған милли үҙаң тигән торбаға юшҡын булып ултыра бара. Һәм көнө килеп етеп, инде әмәл ҡалмағас – шартлай. Шартламаған хәлдә был халәт йомшағыраҡтарҙы эскегә этәрә, ҡыйыуыраҡтар айырылыша, ҡайһыларҙы эстән ашап бөтөрә. Образ эҙләгән ағайҙың хәле бөгөн, минеңсә, шул сама. Ул үҙенең хатаһын күрергә, ғәйебен танырға оялыпмы, уңайһыҙланыпмы ғәйепте башҡорт ҡыҙы образына япһара. “Ир-егеттәрҙе һанға һуҡмаған, ирҙәрҙән алда хәбәр һөйләгән, ирҙәрҙең ирлеген һанламаған башҡорт ҡатын-ҡыҙы буламы?” тигән һорау ҙа ҡуйыла мәҡәләлә. Минеңсә, аҡылы теүәл булған бер ҡатын да иренән күберәк эшләргә, ауырыраҡ йөк йөкләргә, ҙурыраҡ проблемаларҙы хәл итергә ынтылып тормай. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ ир-егеттән көтөп-көтөп тә көтөп ала алмағанда тотона, алға сыға, иңенә өҫтөрәй. Әле лә булдыҡлы ир-егеттең ҡатыны йә йорто, балалары менән генә булыша, йә эшкә лә күңел өсөн генә йөрөй. Ирҙе еңәйем дә, шәп булып күренәйем, тимәй бер ҡатын да. Ғаиләһендә тәртип ҡуя белгән, эшләгән, эсеп йонсотмаған иргә ҡатын-ҡыҙ буйоһона бит ул. һәр заманда ла шулай булған, бөгөн дә шул. Һәр хәлдә мин белгән һәйбәт ғаиләләрҙә шулай. Образға килгәндә иһә, үҙ милләте менән донъя көткән, уның менән ниндәйҙер ғүмер юлы үткән кеше образ эҙләмәй. Ул инде был образдың яҡшы яҡтарын да, кәмселектәрен дә, һөйөр һәм һөймәҫ сифаттарын да белә. Ул бары быға күнә йәки күнмәй. Шул ғына. Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Ауыл ерендә эштең иң ҡыҙған мәле бит ул - июль айы. Шулай булмай ни һуң - картуф, йәшелсә баҡсаһы, еләк, етмәһә, бесәне лә өлгөргән. Ошо ығы-зығылы ваҡыт та ҡурҡытманы Волостновка ауыл биләмәһендә урынлашҡан Түләбай ауылы халҡын, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына берҙәм йыйылдылар. Һүҙ ҡуйышҡан ваҡытты көтөп тә тормайынса, ауыл урамы бала-саға, йәш-елкенсәк, оло быуын кешеләре менән шығырым тулды ла ҡуйҙы. Ауыл ерендә эштең иң ҡыҙған мәле бит ул - июль айы. Шулай булмай ни һуң - картуф, йәшелсә баҡсаһы, еләк, етмәһә, бесәне лә өлгөргән. Ошо ығы-зығылы ваҡыт та ҡурҡытманы Волостновка ауыл биләмәһендә урынлашҡан Түләбай ауылы халҡын, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына берҙәм йыйылдылар. Һүҙ ҡуйышҡан ваҡытты көтөп тә тормайынса, ауыл урамы бала-саға, йәш-елкенсәк, оло быуын кешеләре менән шығырым тулды ла ҡуйҙы. Мәнеү йылғаһы ярына һыйынып ҡына ултыра Түләбай. 18-се быуатта сағыштырмаса ҙур ауыл була ул, 5-се ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда 57 өйҙә 413 кеше йәшәгән, 2 өйлө утары ла булған. 1859 йылда 211 кеше йәшәй. Түләбайҙың 46 йәшлек улы Юлдаш, 7-се ревизия күрһәтеүенсә, есаул булған. Ағалары - Ҡайбулды, Муса, Ғайса. Мәғлүмәттәр аҙ булыуға ҡарамаҫтан, түләбайҙарҙың тик үҙҙәренә генә хас һыҙаттары бар. Иң беренсеһе - тоғролоҡ. Ауылға ингән урындағы стелла янында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, Заһир ағай Күлбаев изге байрам уңайынан ошонда тыуып үҫеп, матур ғүмер кисергән һәм ошо изге ерҙә ерләнгән ата-бабаларыбыҙҙың рухына аят уҡыны, йәндәре йәннәттә булыуын, тереләргә сауабы насип булыуын теләне. Зәйнәб Биишева урамы, әлбиттә, тоғролоҡто үҙ иткән ғаиләләр менән дан тота. 50 йыл бергә ғүмер иткән Менәүәрә инәй менән Фәрит бабай Йәнбирҙиндарҙың (ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күскән) нигеҙе һаман да гөрләп тора: ошонда үҫеп буй еткергән дүрт ҡыҙ һәм ике улды, уларҙың иптәштәрен, бала-сағаларын һыйындырырлыҡ ныҡлы ата нигеҙенең дауамы Фәнүр һәм Рәйфә килендең яҡшы сифаттары - нәҡ ғаилә ҡиммәттәренә тоғролоҡ билдәһе ул. Зилә һәм Йәмил Түләковтарҙың йорт-ҡаралтылары төҙөк, ныҡлы, улар Айгизә, Наҙгөл, Лиана, Зарина, Залина исемле биш ҡыҙлы йорт булараҡ билдәле, был ғаиләнең үрнәге сәләмәт тормошҡа тоғролоҡ булып балҡыны. Ата йортона саң ҡундырмаҫҡа тырышып, ҡапҡанан уҡ сәскәләргә күмеп донъя көткән Венера апайҙың миҫалын (үҙе ҡалала йәшәһә лә), һис шикһеҙ, тыуған нигеҙгә тоғролоҡ тиергә булалыр. Артабанғы төбәк - Батырлыҡ тип исемләнер. Ауыл Бөйөк Ватан һуғышына 52 аҫыл улын оҙатҡан, шуларҙың 21-е генә әйләнеп ҡайтҡан. Хәҙер иҫән ҡайтҡан яугирҙарҙың береһе лә юҡ инде. 2017 йылда һуңғы ветераныбыҙ Сәхәүетдин Шәмсетдин улы Псәнчинды ла һуңғы юлға оҙаттыҡ. Мәрйәм инәй менән Сәхәүетдин бабайҙың балалары Гөлшат, Минефәр, Сәйфетдин үҙ-ара дуҫ һәм татыу булып, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө күрһәтеп йәшәй. Шул уҡ тирәлә донъя көтөүсе Зөлҡәғизә инәй Юскаева -тыл ветераны, туғыҙынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, ныҡлы хәтерле, уның ҡыҙы Зәйтүнә апай балалары менән асҡан шәхси эшен яңғыҙы дауам итә (Насибулла ағай мәрхүм булып ҡалды). Мәүлиҙә апай Ҡайбирҙина ла барлыҡ оҫталығын һалып күргәҙмә, өҫтәлгә тәм-том әҙерләгән. Рафиҡа инәй Псәнчина, инде 92 йәше менән барған тыл ветераны, ауылдаштары рухына ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалыуҙа ҡатнашырлыҡ көс тапты. Артабан үҙенә ыҡсымлығы, таҙалығы менән саҡырып торған йорттоң хужабикәһе тағы ла бер батырлыҡ өлгөһө, ул - Хисмәтуллина Шәкирә инәй,тыл ветераны. Үҙе ипле,балалары ла ошо матур һыҙатты үҙҙәренә һеңдереп, хеҙмәттә һынатмай. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы Миләүшә Арыҫланбаева ла ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, әсәһенең һәм туғандарын һөйөндөрөп сауап алып китте. Оло ғүмер кисереп, балаларының изгелегендә көн итеп, бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күскән Сәғүрә инәй менән Сәйфулла бабай Хисмәтуллиндарҙың йорт-ҡураһы тағы ла ҙурыраҡ, күркәмерәк төҫ алған, сөнки атай нигеҙе ҡоромай - төпсөктәре Рәсүл донъя көтә бында. Шәхси эшҡыуарҙың төп шөғөлө - мал аҫрау. Байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина, район Советы секретары Руслан Әхмәров, район буйынса милеккә идара итеү комитеты рәйесе Рәшит Байғусҡаров, “Тәүәкән” хужалығының баш агрономы Азамат Хисмәтуллин һәм Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Ринат Йәнбәтов та, Волостновка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Данил Хәсәнов та түләбайҙарҙың берҙәм халыҡ икәнлеген билдәләне. Район хакимиәте башлығының һәм үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткергән Эльвера Фәйрушина Рәмзиә Хисмәтуллинаға, Рәсүл Хисмәтуллинға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ Харис ағай Юлдашев райондың почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды,маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Өлгөлө йорт хужалары исеменә Фәнүр Йәнбирҙин, Йәмил Түләков, Зәйтүнә Түләкова, Гөләйшә, Марат, Рәсүл Хисмәтуллиндар, Сәйфулла Әлмөхәмәтов, Харис Юлдашев, Ғилметдин Псәнчин, Флүрә Радчик, Батыр Дилмөхәмәтов, Гөлшат Псәнчина, Айрат Хәйеров, Гөлсәсәк Йәғәфәрова эйә булды. Өҫтәлдәр ярышында Рәйфә Йәнбирҙина, Рәмзиә Хисмәтуллина, Тәнзилә Түләкова, Рүзилә Юлдашевалар билдәләнде. Ауылдың иң оло кешеһе Рафиҡа инәй Псәнчинаға, тыл ветерандары Шәкирә һәм Бибиямал Хисмәтуллиналарға, Мәрйәм Псәнчинаға, яңы тыуған сабыйҙар Айгизә, Руслан Йәҙгәровтарға, Самира Ниғмәтуллинаға, 56 йыл бергә ғүмер кисергән Хәтимә һәм Урал Ниғмәтуллиндарға һ.б. бүләктәр тапшырылды. Күңелле осрашыу минуттары бик тиҙ үтеп китә икән, көн кискә ауышҡас, ололар көтөү мәшәҡәтен хәстәрләне,ҡунаҡтарын барлап, киске ашҡа йыйналды. Шул ваҡыт дәртле бейеү көйө йәштәрҙе уйынға әйҙәне, байрамдың ҡунағы – билдәле йырсы Радмир Туйсин дәртле программаһы менән йәштәрҙең күңелен асты. Мәҡәләмдең аҙағын Ҡәҙим Аралбайҙың шиғыр юлдары менән тамамлағым килә: Тыуған яҡты, ауылдаштар, онотмайыҡ! Йөрәктәрҙең уттарын беҙ һыуытмайыҡ! Финара ХӘСӘНОВА, Ҡалдар урта мәктәбе уҡытыусыһы. Анатолий КАЗАКОВ фотолары. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
23 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү беренсе йәйге әҙерлеге булған мәктәп-интернатында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ойоштороу һәм үткәреү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. - 9 июлдә билдәле датаны – республикабыҙҙан сыҡҡан шәхес, 76-сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры, билдәле Муса Ғайса улы Гәрәевтең 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Ул – һуғыш тарихында бер көндә ике “Алтын йондоҙ” тапшырылған ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һуғыштан һуң Муса Гәрәев оҙаҡ йылдар республика ДОССАФ-ына етәкселек иткән, йөҙләгән йәш пилот әҙерләгән, әүҙем ижтимағи эш алып барған, хәрби-илһөйәрлек тәрбиәһе биреү менән шөғөлләнгән. Йәш быуын Муса Ғайса улы кеүек яҡташтарыбыҙҙың ошондай йәшәү миҫалында тәрбиәләнергә тейеш. Республика етәксеһе төбәктә башҡорт еренең Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Даян Мурзин кеүек данлы улдарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эш алып барылыуы хаҡында белдерҙе. Муса Гәрәевтең 100 йыллығына арнап планлаштырылған саралар хаҡында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һөйләне. Төп юбилей саралары 8 июлдә - геройҙың тыуған яғы Илеш районында, 9 июлдә Өфөлә үткәреләсәк. Бының өсөн Муса Гәрәев тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштергән һәйкәлдәрҙе, мемориаль ҡоролмаларҙы, объекттарҙы төҙөкләндерәсәктәр. Өфө дәүләт авиация техник университеты биләмәһендә “Миг-19” самолетлы постаментты реконструкциялаясаҡтар. Был монументты 1974 йылдың 7 майында Муса Гәрәев үҙе асҡан булған. - Муса Гәрәев үткәндәргә китмәне, ул – республикабыҙҙың быуындарҙы бәйләгән милли идеяһы өлөшө. Саралар лайыҡлы кимәлдә үтер тип ышанам, - тине Ирек Сәғитов. Быйыл Өфөләге Дан бульварында һәм Муса Гәрев исемендәге скверҙа төҙөкләндереү эштәре атҡарыласаҡ. Был хаҡта баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев һөйләне. Был эштәр хаҡы 52 миллион һум булыр тип көтөлә, сумманың 49 миллион һумы - федераль бюджеттан. Республика Башлығы эштәрҙе 9 июлгә тамамларға ҡушты. Башҡортостан Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Дан бульварында Муса Гәрәевкә ҙур һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров бындай ҡоролманың Өфө өсөн көнүҙәк икәнлеге хаҡында әйтте. Геройға тағы бер һәйкәлде Илеш районында муниципалитеттың хәйриә фонды иҫәбенә ҡуясаҡтар. - 2022 йыл районда йәшәүселәрҙең барыһы өсөн дә мөһим. Юбилейҙы үткәреү барышында мәҙәни, спорт, илһөйәрлек саралары, конкурстар, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. “Китап” нәшриәте менән берлектә Муса Гәрәевтең “Штурмлаусылар маҡсатҡа бара” тигән китабын яңынан баҫтырмаҡсыбыҙ, - тип һөйләне Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин. – Муниципалитет биләмәһендә осоусы исеме менән бәйле объекттар буйынса туристик маршруттар эшләнек. Үрге Йәркәй ауылында Муса Гәрев музейы ла яңы экспозиция әҙерләне. Бынан тыш, 9 июлдә Өфө районындағы Первушин аэродромында Муса Гәрәевтең 100 йыллығына арналған республика байрамы уҙғарырға планлаштырҙыҡ. Уның сиктәрендә “Хәрби юғарылыҡ” илһөйәрҙәр йыры фестивале үтәсәк. Ошо уҡ көндә Өфөлә үҙгәртеп ҡоролған Дан бульвары асыласаҡ. - Дан бульварында данлы Муса Гәрәевкә ҙур һәйкәл ҡуйыу идеяһы көнүҙәк. Беҙ, һис һүҙһеҙ, был хаҡта архитекторҙар менән кәңәшмә үткәрербеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Юбилейҙы байрам итеүгә килгәндә, төп сараларҙың 9 июлдә үткәрергә килештек. Лайыҡлы, ғәҙәттәгесә, юғары кимәлдә ойошторорбоҙ. Фото: glavarb.ru Автор:Айһылыу Низамова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Президент Владимир Путин үҙенең 11 майҙағы мөрәжәғәтендә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында белдергәйне. Бөгөнгө шарттарҙа уны дәүләт хеҙмәтләндереү порталы аша юллауы иң ҡулайы. Президент Владимир Путин үҙенең 11 майҙағы мөрәжәғәтендә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында белдергәйне. Бөгөнгө шарттарҙа уны дәүләт хеҙмәтләндереү порталы аша юллауы иң ҡулайы. Бына барыһы ла аңлай, һәм үҙ хоҡуҡтары менән тәүге көндән үк файҙаланыу ниәтендә халыҡ компьютер артына ултырҙы. Дәүләт хеҙмәтләндереү порталы бындай көсөргәнеште күтәрә алмыны – ҙур тотҡарлыҡтар килеп тыуҙы. Элемтә министырлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер көндә 17 млн. кеше сайтҡа ингән, йә, инеү өсөн ынтылыш яһаған. Ике миллион дәғүәсе ғариза бирергә өлгәшкән. Өҫтәмә дәүләт ярҙамын алыу өсөн 1 октябргә тиклем интернет аша, күп профилле үҙәккә (МФЦ) йәки пенсия фонды бүлексәләренә килеп мөрәжәғәт итергә мөмкин. Пенсия фонды белгестәре фекеренсә, түләүҙе 15 майҙан һуң юллай башлау иң отошло ҡарар булыр ине. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
– Никах уҡыттыҡ, балаларҙың әсәһе үлде бит. Бер үҙемә ауыр булыр, тип өйләнергә тура килде. Хәҙер бына өсөнсөһөн көтәбеҙ. – КЕШЕ БАЛАҺЫ?.. ЮҠ! КӘРӘКМӘЙ... Хикәйә Венера, бала хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә әсәһе мәрхүмәне иҫкә төшөрә. Әсәһе, Хәҙисә, ғүмер буйы ҡаты ҡуллы булды. Юҡ ҡына сәбәп булһа ла, Венераны, ҡустыһы Сәғит менән икеһен, стенаға һырындырып, яра торғайны. Уф, Хоҙайым! Һуҡҡылап ҡына ҡалмай, иң оятһыҙ һүҙҙәрҙе ҡушып, балаларынан, ни өсөндөр, үс ала торғайны. Венера хәҙер үҙе ҡырҡҡа етеп килә, ҡустыһы менән ҡосаҡлашып илағанын, ҡалын ҡайыштың алмаш-тилмәш, икеһенең дә иң йомшаҡ ерҙәренә төшкәнен әле лә хәтерләй. Урамда уйнап, бысранып ҡайтһалар ҙа, әллә биш тинлек булды, стаканды төшөрөп ватһалар ҙа, ҡайыш әсәй кешенең ҡулында уйнап ҡына торҙо. Венера менән ире Солтан бына инде ун йылдан артыҡ йәшәйҙәр, бала үҫтереү хаҡында һүҙ даими сыға, еңелсә бәхәстән башлана һәм үпкәләшеп, әрләшеү, аҙналар буйы һөйләшмәү, хәл дә белешмәү менән тамамлана. Бер йыл ҡатыны менән ҡустыһы Сәғит ҡайтҡайны. Ике малай үҫтерәләр икән. Ире Солтандың балаларҙы яратып уйнауына хайран ҡалғайны. Әй, уйнанылар. Көн һайын паркка сыҡтылар, балыҡ тоторға йөрөнөләр. Шул ваҡыт Венера тәүәккәлләп ҡарарға ла ниәт иткәйне, ләкин кире һүрелде. Әлеге, мөйөшкә һырынып илаған ике бала күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуя. Әгәр балаларын ҡарай алмаһа, тыңламаһалар, нимә эшләр? Тағы ҡайыш алып ярырға тура килерме? Юҡ инде! Шул да булған тормош! Икәүһе лә бик матур йәшәп яталар. Иренең фатиры әллә ни ҙур ҙа түгел, икеһенә таман ғына. Әсәһенең балаларын ни өсөн яратмағанын Венера аҙаҡ ҡына төшөндө. Ҡустыһы менән икеһенең дә исем ҡағыҙында атаһы тигән графала һыҙыҡ тора ине. Венера аҙаҡ яҙа-йоҙа ишетеп ҡалды, уның атаһы – ошо колхоздың элекке бригадиры Уйылдан ағай, ә ҡустыһының атаһы – йәй көнө ҡаланан ураҡҡа килгән бер шофер икән. Венера теге оста йәшәгән Уйылданды йыш ҡына күргеләй ине. Уныһы хатта бер тапҡыр магазин алдында тура килтереп: “Һаумы, ҡыҙым! Хәлдәрең нисек?” – тип һорашты. Бындай мөнәсәбәтте күреп өйрәнмәгән ҡыҙ уңайһыҙланып, китте лә барҙы. Ә шулай ҙа Венераның бала табырлығы бар ине. Хатта бер тапҡыр әле училищела уҡыған саҡта уҡ бер егеткә әүрәп китеп, ауырға ла ҡалғайны. Әсәһе һиҙеп ҡалып, башын стенаға төйөп-төйөп әрләне. Уның ҡарғышлы һүҙҙәре араһында “йүнһеҙ”, “уйнаштан тыуған”, “тыума” – иң ябайҙары ине. Солтан менән өйләнешкәс тә, икеме, өсмө тапҡыр ауырға ҡалғайны. Ләкин эш араһында, йә ҡаралам, йә дауаланам, тип тиҙ генә барып, төшөртөп килде. Ә инде ире бик ныҡышҡас: “Табиптар әйтте инде, минән булмай”, – тип тегенең өмөтөн тамам өҙөп ҡуйҙы. Ире Солтан һигеҙ тулыр-тулмаҫ, эшкә сығып китте. Килеп етһә, эшкә инә торған ишек алдында бер ҡатын көтөп тора. – Солтан Мәғәфүр улы һеҙ булаһығыҙмы? – тине ул ентекләп ҡарап. – Мин мәғариф идаралығының опека бүлегенән. Әле эшләгән урынығшыҙға һеҙҙең хаҡта һорашырға килдем. Һеҙгә ыңғай баһа бирҙеләр. Эш былайыраҡ тора: Һеҙ, Солтан Мәғәфүр улы, һеңлегеҙ менән бик аралашмайһығыҙ икән. Ул әле дауаханала ята, хәле бик ауыр. Ә улы менән ҡыҙын алып, социаль приютҡа урынлаштырырға тура килде. Икеһе лә бик илайҙар, малайҙары һеҙҙе бик ярата икән. Ҡыҙы ла өйрәнеп китер ине. Бәлки алып, ҡарай алырһығыҙ? Солтан һеңлеһе Нәзирә менән бик аралашыр ине, ҡатыны Венера өнәп бөтмәй. Матур ғына итеп уйнаһалар, көнләшкән һымаҡ итә. Солтан ике уйлап торманы, ял алды ла, шунда уҡ ҡатынды “Жигули”йына ултыртты һәм социаль приютҡа китте. Барып, Нәзирәнең улы Раян менән уның һеңлеһе Гөлшаттың буҫығып бөткән йөҙөн күргәс, Солтан үҙе илап ебәрә яҙҙы. Балаларҙы ваҡытлыса тәрбиәгә алыу тураһында рөхсәт ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйғас, өйгә ҡайттылар. Гөлшатҡа бында бик оҡшаны: – Бында кемдәр йәшәй? – тип бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты. Ә Раян иһә, шунда уҡ: – Беҙгә йоҡларға урын булырмы икән? – тип күҙҙәрен Солтан бабайына төбәне. Ашап, ял итеп алғас, өсәүләшеп паркка сыҡтылар, магазинға кереп, китаптар һатып алдылар. Балалар менән уйнау Солтандың үҙенә лә оҡшап ҡалды. Кисен Солтан ашарға бешереүгә, Венера ҡайтып керҙе һәм балалар ботинкаларын күреп, аптыраулы ҡарашын иренә төбәне: – Кемдәр килде? – тип ҡаты ғына өндәште. Солтанға барыһын да аңлатып бирергә тура килде. Венера, итеген дә сисеп тормай, төпкә үтте һәм балаларҙы күргәс: – Кеше балаһымы? Юҡ, кәрәкмәй! – тине. – Венера, көтөп тор, саҡ ҡына һөйләшәйек! – тип ире уны туҡтатып ҡараны. – Һөйлә, һөйлә, тыңлайым! – тип шифоньерҙа соҡона башланы. Сумаҙанын һөйрәп сығарҙы. – Бәлки улар оҙаҡ тормаҫ. Күп булһа, ике-өс аҙна. Әсәләре һауығып сыҡҡас та, ҡайтырҙар, – тип өмөтһөҙ генә мөңгөрләне Солтан. – Ике-өс аҙна ғына... Бәлки ҡайтыр, – тип үсекләне ҡатын икенсе сумаҙанды алып, кейемдәрҙе тултырғанда. Солтан аптыранып балалар янына төпкө бүлмәгә үтте. Ҡыҙ менән малай ҡосаҡлашып илайҙар ине. – Солтан бабай, һин беҙҙе детдомға илтеп бирәһеңме? – тине күҙ йәштәре аша өлкәне илай-илай. – Юҡ. Икегеҙ ҙә ошонда йәшәйәсәкһегеҙ! – тине йомшаҡ ҡына итеп Солтан. Оҙаҡламай, ишекте шартлата ябып, Венераның сығып киткәне ишетелде. Шулай итеп, аралар өҙөлгән һымаҡ булды. Венераның ошо подъезда әхирәтте йәшәй. Ҡатын ара-тирә шылтыратып, иренең һәм балаларҙың хәлен белешеп торҙо. Солтан тырышып ҡарай икән. Малайы беренсе класта уҡый, ҡыҙыҡайы балалар баҡсаһында йөрөй. Өҫ-баштары ҡараулы. Опека бүлегенән килеп, һорашҡандар, бик ҡәнәғәт ҡалғандар. Етмәһә, икеһенә лә бер ыңғай шифаханаға юллама алып биргәндәр. “Солтан үҙе ҡабаланып йөрөй, хатта йәшәреп китте”, – тип йәнен көйҙөрҙө әхирәте. Хатта бер мәл Венера, әллә ҡайтайыммы, тип уҡталып та ҡуйғайны. Икеле-микеле йөрөй торғас, йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә китте. Венера төңөлдө. Кәрәк булһам, килеп алыр әле, тип ҡул ғына һелтәне. Улар көтмәгәндә осрашты. Баҙарға сығам, тип Венера парк аша үткәйне, ҡараһа, Солтан теге ике бала менән ҡайҙалыр ҡабаланып үтеп бара. Венераның эргәһенән бер йәш кенә ауырлы ҡатын шат йылмайып тегеләр яғына атлай. Уны күреп ҡалғас, малай менән ҡыҙ: “Әсәй, әсәй килә!” – тип ҡаршыһына йүгерҙеләр. Теге ҡатын: “Эй, минең бәләкәстәрем!” – тип ҡулдарын йәйеп, балаларға табан талпынды. Шул ваҡыт Солтан уны күреп ҡалып, иҫәнләште лә: – Әллә күпме шылтыраттым, алмайһың. Беҙҙең айырылышыуҙы рәсмиләштереп ҡуйырға кәрәк, – тине. – Ә был ҡатын кем? – тине Венера уҫал ғына. – Никах уҡыттыҡ, балаларҙың әсәһе үлде бит. Бер үҙемә ауыр булыр, тип өйләнергә тура килде. Хәҙер бына өсөнсөһөн көтәбеҙ. – Ә балаларҙың әсәһе ҡайҙа? – тип төпсөштө һаман Венера. – Һин сығып киткәс, бер аҙна ла үтмәне, үлде ул. Һеңлемде ерләргә тура килде, – тине ҡайғылы ғына төҫ менән Солтан. – Балаларҙың икеһен дә үҙемә яҙҙырҙым. Ә үҙең нисек? Венера өндәшмәне. Ауырлы ҡатындың малай менән ҡыҙҙы етәкләп килгәнен күреү менән, шәп-шәп атлап, китеп барҙы.
Танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. «Башҡортостандың беренсе һанлы ҡурайы» тип йөрөтөлгән музыкантҡа награданы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында артистың 65 йәшлек юбилейына арналған концерт булды. Унда филармония солистары, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Азат Айытҡоловтың ҡурайсы-коллегалары һәм уҡыусылары ҡатнашты. Юбилярҙы ҡотларға республиканың Йылайыр һәм Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре килгәйне. Азат Айытҡолов – Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Азат Миңлеғәле улының исеме профессиональ музыканттарға ла, моң һөйөүселәргә лә яҡшы таныш. Музыкант 1978 йылдан алып Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-инструменталист булып эшләй. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факультетын етәкләй, ҡурайсыларҙың йәш быуынын оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә. Азат Айытҡолов бик күп сит илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа Башҡортостандың милли сәнғәте менән таныштырҙы, ул республикала һәм унан ситтә уҙғарылған ҙур мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
“Юлдаш” радиоһы йылдағыса “Сәләм, студент!” тамашаһын тәҡдим итә. Пандемия шарттарына бәйле уның форматы үҙгәрҙе. “Юлдаш” радиоһы йылдағыса “Сәләм, студент!” тамашаһын тәҡдим итә. Пандемия шарттарына бәйле уның форматы үҙгәрҙе. Быйыл студенттар өсөн тамаша 1 сентябрҙә 19.00 сәғәттән 22 сәғәт 30 минутҡа тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Ҡурай” каналы һәм социаль селтәрҙәрҙә онлайн ойошторола. Байрамда Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай. Концерт онлайн, әммә бүләктәр барыһы ла ысынбарлыҡта була. Байрамдың төп ойоштороусыһы булған "Юлдаш" радиоһы тамашасылар араһында төрлө бүләктәр ҙә уйната. Конкурстарҙа ҡатнашып төп приз –электр самокат оторға мөмкинлек бар. Уның шарттары менән “Юлдаш” радиоһының бәйләнештә селтәрендә танышырға була. Еңеүселәрҙе 1 сентябрь «Юлдаш” радиоһы алып барыусылары тура эфирҙа бүләкләй. Беҙ бергә! Белем байрамын тура эфирҙа бергә ҡаршылайыҡ. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Бының өсөн ғәҙәти булмаған урында (флаг йыһанда, йәнһүрәттә йәки принцессаның һарайында) флагты төшөрөп ебәрергә кәрәк. Эштәр [email protected] электрон почтаһы йәки «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмдә https://vk.com/ufanurteatr ҡабул ителә. Һүрәттәр конкурсында 4-тән 18 йәшкә тиклем балалар ҡатнаша ала. Рәсемдәр 24 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Кәрәк: 200 гр эремсек, 200 гр он, 70 гр шәкәр (3 аш ҡалағы), 2 йомортҡа, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), семтем тоҙ, 300 гр көнбағыш майы. Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн ҡоро ауыл эремсеге алына. Һауытҡа эремсек, йомортҡа, шәкәр, тоҙ, он һалып ныҡ ҡына туғыйбыҙ. Ҡамыр әҙерләгәс, суйынға көнбағыш майы ағыҙабыҙ. Май ҡайнап сыҡҡас, ҙур булмаған йомороҡайҙар әҙерләп суйынға һалабыҙ. Алһыу булып бешеп сыҡҡас, майҙан алып, тәрилкәгә теҙеп һалырға. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һипһәгеҙ ҙә була. toratay.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөгөн Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” республика турнирының район этабы үтте. Район хакимиәтенең Физик культура һәм спорт бүлеге “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе менән берлектә ойошторған фестивалдә Юнысовтар, Рәхимовтар, Черновтар, Иҙрисовтар, Ҡотлобаевтар, Кинйәбаевтар, Юлдашевтар, Ишембәтовтар, Мөхәмәтйәновтар, Шаһиевтар, Хисаметдиновтар, Шәриповтар һәм Алтынбаевтар ғаиләләре ҡатнашты. Командалар программалағы “Күңелле старттар” уйынының төрлө эстафеталарында етеҙлектә, тиҙлектә, таҫыллыҡта көс һынаша. Турнирҙың еңеүселәре Рәхимовтар ғаиләһе 18 ғинуарҙа Өфөнөң “Динамо” стадионында үтәсәк “Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020” республика фестиваленең финалында район данын яҡлаясаҡ. Чемпиондарҙан бер мәрәйгә генә ҡалышып Шаһиевтар ғаиләһе - икенсе, Юнысовтар өсөнсө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәргә дипломдар, миҙалдар, чемпиондарға “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең бүләге тапшырылды. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
«Ҡурай-ТВ» – башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йолаларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. «Ҡурай-ТВ» – башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йолаларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. Эфирҙа тәүлек әйләнәһенә өр-яңы клиптар, сағыу тамашалар, тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар, телевидениеның алтын фондында һаҡланған ретро йырҙар, спектаклдәр һәм телесериалдар бара. Рухты нығытҡан, йәшәү көсөн арттырған, дәрт-дарман өҫтәгән, милләт данына әүерелгән «Ҡурай» йыр-моң каналы 2018 йылдың 4 февралендә тарихта беренсе тапҡыр «Ҡурай даны» республика телепремияһын булдырҙы. Премияға «Ер кешеһе», «Һөнәр оҫтаһы», Эшлекле ханым», «Йыл меценаты», «Ҡул оҫтаһы», «Миһырбанлы ғаилә», «Ижади ғаилә», «Ҡәләм оҫтаһы», «Йыл йырсыһы», «Иң шәп клип төшөрөүсе» тигән номинациялар индерелде. Но-минанттарҙың исемдәрен баһалама ағзалары ҡараусыларҙың заявкалары буйынса, шулай уҡ геройҙарҙың ҡаҙаныштарына һәм һөнәри уңыштарына ҡарап билдәләне. Дәғүә итеүселәрҙе концерт барышында презентация формаһында әйтеп үттеләр: «ЕР КЕШЕҺЕ» Д. Юланов (Ейәнсура), Ф. Кәримов (Этнотур «Ирәндек»), У. Юлдыбаев (Әбйәлил), Р. Ғәйфуллин (Учалы), Р. Дәүләтбаев (Мәсетле), В. Ғөзәйерова (Салауат), Д. Хәйбуллин (Көйөргәҙе). «ҺӨНӘР ОҪТАҺЫ» Р. Ғилемйәнова (Шишмә), К. Хәлиуллина (Илеш), Н. Ғабдуллин (Әб-йәлил), Г. Алдаҡаева (Әлшәй), Р. Шәм-сетдинов (Стәрлетамаҡ). «ЭШЛЕКЛЕ ХАНЫМ» Э. Ишморатова (Өфө), З. Хәкимова (Магнитогорск), А. Хисаметдинова (Өфө), О. Ямурова (Өфө), Л. Сабитова (Өфө), Г. Әлибаева (Өфө), Ә. Шәйнурова (Тәтешле). «ЙЫЛ МЕЦЕНАТЫ» А. Ахунов (Өфө), Д. Дәүләтов (Өфө), И. Әбделғужин (Сибай), И. Нәбиуллин (Баймаҡ), И. Мәҡсүтов (Ноябрьск), Р. Сөләймәнов (Санкт-Петербург), М. һәм К. Фазлетдиновтар (Өфө). «ҠУЛ ОҪТАҺЫ» А. Шәйәхмәтова (Өфө), Ә. Игебаев (Сибай), Г. Фәйзуллина (Учалы), Л. Камалитдинова (Өфө), А. Степанов (Ғафури), З. Лира (Әбйәлил), С. Мостафин (Салауат). «МИҺЫРБАНЛЫ ҒАИЛӘ» Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар (Баймаҡ), Әлфинә һәм Кәрим Хәкимовтар (Балаҡатай), Зөлфирә һәм Сабир Ҡоҙашевтар (Ауырғазы), Гөлнара һәм Рәйес Тимербулатовтар (Ейәнсура), Рәйхана һәм Ғәни Суриндар (Хәйбулла). «ИЖАДИ ҒАИЛӘ» Гөлфинә һәм Ғайсар Йомағужиндар (Учалы), Луиза һәм Ғәлим Ҡунаҡбаевтар (Ейәнсура), Зарифа һәм Фәттәх Аралбаевтар (Баймаҡ), Гүзәл һәм Роберт Юлдашевтар (Өфө), Айгөл һәм Илфат Такаловтар (Йылайыр), Сәлимә һәм Салауат Юлдашбаевтар (Өфө), Зөлфидә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар (Бишбүләк). «ҠӘЛӘМ ОҪТАҺЫ» М. Ҡаһарманова (Өфө), Ф. Абдуллина (Ҡырмыҫҡалы), Л. Абдуллина (Өфө), Г. Ҡыуатова (Өфө), А. Баймөхәмәтов (Өфө), М. Ҡунафин (Өфө), Л. Яҡ-шыбаева (Өфө), Ә. Үтәбаев (Өфө). «ЙЫЛ ЙЫРСЫҺЫ» А. Хөсәйенов (Өфө), А. Рәҡипов (Өфө), А. Муллагилдина (Өфө), З. Нурлы (Сибай), А. Иҡсанова (Өфө), Л. Ҡолошев (Нефтекама), И. Рамазанов (Өфө), Р. Ишбаев (Ишембай), А. Әминева (Өфө), Г. Вәлиева (Өфө). «ИҢ ШӘП КЛИП ТӨШӨРӨҮСЕ» Б. Ғәлимов (Баймаҡ), Т. Сәфиуллин (Силәбе), Т. Ғәниев (Өфө), Г. Игебаева (Хәйбулла), Т. Сәфәров (Өфө), Д. Мөхәмәтйәров (Нуриман), А. Ғәликәйева (Ейәнсура). Проекттың киләһе туры – телевизион тур. «Ҡурай-ТВ» каналы йыл дауамында номинанттар тураһында тапшырыу күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе тамашасы СМС-тауыштар ярҙамында билдәләйәсәк. Гала-концерт 2019 йылдың февралендә планлаштырыла. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
13 февралдә Красноусолдағы 2-се мәктәптә Балалар ижады үҙәге һәм “Десант” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре “Йәш армия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә (штаб начальнигы А.Р.Миңлебаев) ҡушылды. Йыл һайын уҙғарылған сара был юлы Советтар Союзы Геройы Иван Викторович Пятяриҙың 100 йыллығына һәм 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды. Тантанала һәр йәшармеец “Йәш армия” хәрәкәте уставын үтәргә, Ватанға тоғро, батыр һәм ҡыйыу ил һаҡсыһы булырға, иптәштәренә ярҙам итергә, көсһөҙҙәрҙе яҡларға, уҡыуҙа һәм спортта еңеүҙәргә ынтылырға, геройҙарҙың иҫтәлеген һаҡларға ант бирҙе. Уларҙы сараның ҡунаҡтары район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.З. Байдәүләтова, Афған һуғышы ветераны А.П.Мигунов, ДОСААФ ойошмаһы рәйесе В.Н.Калачигов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариатының уҡыу пункты начальнигы А.Ш.Фәйезов, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары тәбрикләне. Матур йола буйынса яңы ғына йәшармиясылар сафына ингән үҫмерҙәргә түшкә таға торған билдәләр таратылды. Тантанала йыр-моңдар ҙа яңғыраны - Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Аделина Әхмәтйәнова “Рәсәй беҙ - һинең балаларың” йыры менән башлап ебәрҙе, ә барлыҡ йәшармиясылар “Рәсәйгә хеҙмәт итеү” йырын башҡарҙы. Фойела ҡыҙыҡлы экспонаттарға бай хәрби-патриотик күргәҙмә ойошторолғайны. Йәш армия хәрәкәте сафына баҫыусы уҡыусыларға тыуған илебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары булыуҙарын теләйбеҙ, Сараны уҙғарыуҙа ярҙам күрһәткән Красноусолдағы 2-се мәктәп директоры М.Р.Басировҡа, 1-се мәктәптең Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы О.С.Николаевҡа, хәрби хәрәкәттәр ветераны И.З.Закировҡа рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Әлфиә НАСИРОВА, Балалар ижады үҙәге методисы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Был хаҡта Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә хәбәр иткән һәм “һеҙ минең тормошомдо бөтөнләй икенсе яҡтан күрәсәкһегеҙ” тип вәғәҙәләгән. Асыҡланыуынса... Элвин Грей Андрей Малаховҡа ни өсөн барған? Бәғзе матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, билдәле яҡташыбыҙ, йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшиин) күптән түгел Мәскәүҙә, данлыҡлы Андрей Малаховтың тапшырыуында булып ҡайтҡан. Был хаҡта Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә хәбәр иткән һәм “һеҙ минең тормошомдо бөтөнләй икенсе яҡтан күрәсәкһегеҙ”, тип вәғәҙәләгән. Ул тапшырыу барышында тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырған иң йыш һорауҙарға яуап бирҙем, тип белдергән. Башҡорт эстрадаһы йондоҙо ҡатнашлығындағы “Привет, Андрей” тапшырыуын март башында күрһәтәсәктәр. Әйткәндәй, Андрей Малаховтың популяр тапшырыуында Элвин Грей менән бергә тағы бер популяр башҡарыусы Эльбрус Джанмирзоев та ҡатнашҡан. Ул иһә тапшырыу, ғәмәлдә, музыка хаҡында булды, тип белдергән. Фото: Элвин Грейҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. Автор:Гүзәлиә Балтабаева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
ИРТӘГӘ БӘХЕТЛЕ БУЛЫРМЫН...“Кисектереп торолған тормош синдромы” тигән төшөнсә бар. Йәғни, кеше киләсәккә үтә ныҡ өмөттәр бағлай, үҙен бәхетле тойоу өсөн нимәнеңдер булғанын көтә. Ғәҙәттә ул бөгөн бәхетле булырға кәрәклеге тураһында бөтөнләй онота һәм бөгөнгөһөнә тулыһынса ҡул һелтәй. Күптәр бәхетле булыу өсөн теге йәки был ваҡиғаның булыуын көтә. Бәхет алып килер ниндәйҙер көн етергә тейеш тип уйлай. Әммә был—бары тик үҙеңде алдау ғына. “Кисектереп торолған тормош синдромы” тигән төшөнсә бар. Йәғни, кеше киләсәккә үтә ныҡ өмөттәр бағлай, үҙен бәхетле тойоу өсөн нимәнеңдер булғанын көтә. Ғәҙәттә ул бөгөн бәхетле булырға кәрәклеге тураһында бөтөнләй онота һәм бөгөнгөһөнә тулыһынса ҡул һелтәй. Шунлыҡтан әле эшләп рәхәтлек һәм шатлыҡ кисереп булырҙай эште әллә ҡайҙа торған киләсәккә ҡалдыра. Тулылығы менән риза булмаған гүзәл ханым ябыҡҡас та матур күлдәк алып кейергә һүҙ бирә. Әммә бөгөн һәм хәҙер күлдәк алырға мөмкин бит. Үҙеңде нисек бар, шулай ярата белеү ҙә мөһим. Йә иһә кемдер машина алғас та, Сочиға барып ҡайтам тип хыяллана. Ә бит уны хәҙер үк тормошҡа ашырырға була. Бик теләгәндә Сочиға үҙ машинаңда булмаһа ла, башҡа юлдар менән дә барып етеп була бит. Күптәрҙең өйөндә оҙонсалай һуҙылып киткән стенкалар булғандыр. Ана шунда гел генә матур-матур күҙҙең яуын алып торған һауыт-һаба була торған ине. Улар матурлыҡ өсөн генә ҡуйылып, ҡарап һоҡланыу өсөн генә ултырҙы, буғай. Сөнки был һауыт-һабаға тейергә яраманы. Әсәйҙәребеҙ: “Ҡунаҡтар килгәс,”— тип кенә ҡуя ине. Шул рәүешле улар тейелмәгән көйөнсә йылдар буйы ултыра бирә. “Мөһим ҡунаҡтар” килә торған ваҡыт етмәй ҙә етмәй. Бер яҡтан ниндәйҙер байрам көтөп, оло ҡыуанысҡа өмөт итеп йәшәү насар ҙа түгел һымаҡ. Әммә ғәҙәттә “тормошто кисектереп тороу” кеше үлеп киткәнсә һуҙыла. Күп осраҡта уны бөтөнләй бәхетһеҙ итә. Сөнки тормош беҙ уйлағанса ғына бармай. Теләгән, көҫәгән нәмәләребеҙҙең бойомға ашмауы ла бар. Хәҙерге йәштәр тормоштан бөтә нәмәне лә алып ҡалырға кәрәк тигән принципты алға ҡуя. Сағыштырмаса күбеһе бер көн менән генә йәшәй. “Тормошто кисектереп тороу синдромы” күбеһенсә оло быуын кешеләренә хас. Күптәребеҙҙең өләсәйҙәренең, йә әсәләренең шкафында ҡатлы-ҡатлы таҫтамалдар ҡулланылыр көндәрен көтөп ята. Һөртөнөүгә ҡырылып, йоҡарып бөткәндәрен тотонһа тотоналар, әммә яңыларына теймәйҙәр. Сөнки “уларҙың кәрәк булыуы бар”. Ҡәҙергә алған матур кейемдәр менән дә шул уҡ хәл. Күбеһе кейелә торған ваҡытын көтөп шкаф түрен биләй. Эйәһе өй араһында, йә әрһеҙгә бара ул тип алам-һолам кейемдә йөрөүен дауам итә. Әммә күҙҙең яуын алырҙай күлдәк кейеп йөрөй торған яҡты киләсәк етмәй ҙә етмәй. Ә бит ауыл араһына сыҡҡан арала ла матур күлдәктәреңде кейеп, күҙҙең яуын алырға була. Магазинға сыҡҡанда аламарағы ла бара, матур күлдәктәрҙе концерт-фәләнгә, йә ҡунаҡҡа ғына кейергә кәрәк тигән закон бер ҡайҙа ла яҙылмаған да. Бәхетле итеп йәшәүен кисектереп торған кеше ғүмеренең аҙағында: “Эх, матур итеп йәшәп тә булманы,”–тип көрһөнөп ултырасаҡ. Быны яҡшы аңлайбыҙ, әммә һаман да бәхетебеҙҙе кисектереп тороуҙы, үҙебеҙҙе ниндәйҙер рамкаларға бикләп ҡуйыуҙы дауам итәбеҙ. Әйтерһең, бәхет беҙҙе ҡайҙалыр Ҡаф тау артында көтөп тора ла, шунда барып еткәс, ҡапыл ғына бәхетле булабыҙ ҙа китәбеҙ. Әммә бәләкәй генә шатлығын да күреп үҙен бәхетле тоя белмәгән кеше, ниндәйҙер маҡсатына ирешкәс тә, был тойғоно татымай. Кеше йә бөгөн һәм хәҙер матур итеп, үҙен бәхетле тойоп йәшәй, йә үҙен ғүмерлеккә бәхетһеҙлеккә дусар итә. Беҙгә бәхетле йәшәүҙе, ниндәйҙер теләгеңде тормошҡа ашырыуҙы кисектереп тороуҙы бәләкәй саҡтан өйрәтәләр. Күп балаларға “ҙур үҫкәс...” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡына ишетергә тура килә. “Ҙур үҫкәс, туйғансы туңдырмаһын да, кәнфитен дә ашарһың”, “ҙур үҫкәс, балаларҙың нисек барлыҡҡа килгәнен белерһең”, “телевизорҙы ла ҙур үҫкәс рәхәтләнеп туйғансы ҡарарһың”, “ҙур үҫкәс, ҡайҙа теләйһең, шунда барырһың” һ.б. Шулай итеп баланың аңында рәхәтләнеп йәшәү өлкәндәрҙең тормошонда ғына була икән тигән тәғлимәт уйылып ҡала. Шунан яйлап бәхетле итеп йәшәүҙе әллә ҡайҙағы киләсәккә ҡалдыра башлайбыҙ, үҙебеҙсә ысын тормоштоң алыҫтағы киләсәктә булыуына ихлас ышанабыҙ. Бала саҡта тиҙерәк мәктәпкә барғы килә. Сөнки мәктәптә көсләп йоҡлатмайҙар. Мәктәптә уҡый башлағас инде, тиҙерәк ситкә сығып китке, студент булғы килә. Йәнәһе лә, шул ваҡытта һин рәхәтләнеп йәшәй башлайһың, берәү ҙә иркеңде сикләмәй. Студент уҡып бөтөп эшкә урынлашҡас ҡына ысын бәхетле тормош башлана тип уйлай. Унан инде ҡыуаныслы бәхет һине ғаиләле тормошта көтөп торғандай. Шулай итеп, бөтә йәшәйешең үҙеңде бәхетле итерҙәй ниндәйҙер ваҡиғаны көтөүгә әйләнә. Хәҙерге тормошоңдан рәхәтлек алыу тураһында онотоп, киләсәктән бәхет көҫәйһең. Әлбиттә, идеаль киләсәккә, ниндәйҙер үрҙәргә ынтылыу насар нәмә түгел. Әммә ғүмер буйы ниндәйҙер ваҡиғаны көтөп, ысын йәшәүем шунда ғына башланасаҡ тип уйлап йәшәү, һине бер ҡасан да бәхетле итмәй. Бөгөнгөңдән рәхәтлек алырға ла ирек бирмәй. Үҙеңде гел генә бәхетһеҙ итеп тойоу депрессияға килтереүе лә мөмкин. Хәҙер һәм бөгөн бәхетле булырға өйрәнәйек. Ә идеаль киләсәк бер ҡасан да килмәйәсәк. Тормош бит беҙ теләгәнсә генә бармай.
2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу һәм беҙгә ебәрелгән квитанциялар буйынса бүләк оттороуҙы дауам итәбеҙ, райондаштар. 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу һәм беҙгә ебәрелгән квитанциялар буйынса бүләк оттороуҙы дауам итәбеҙ, райондаштар. Шулай итеп бөгөн тағы ла бер уҡыусыбыҙҙы шатландырмаҡсыбыҙ. Ул Кинйәбулат ауылынан Юрис Ҡолмәнбәтов. Уның өлөшөнә графин менән стакандар сыҡты. Бүләгегеҙ артынан көттөрмәй генә килеүегеҙ һорала. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ИНН (А4 форматындағы) документтарығыҙ ҙа булһын. Отошта ҡатнашырға теләүселәргә шуны еткерәбеҙ, һеҙ ҙә өлгөрәһегеҙ әле, тик почта бүлексәһенә барып йәки почтальондар аша баҫмабыҙға яҙылып, “Торатау” гәзите редакцияһына квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрегеҙ. Бүләктәр аҙна һайын уйнатыла. Еңеүселәрҙе гәзитебеҙҙең беренсе битендә күреп бараһығыҙ. “Аҙна һайын бүләк” акцияһы бөтөүгә “Бәхетле авто” уйыны уҙғарыласаҡ. Унда гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа 6 айға йәки бер йылға тулыһынса яҙылған, шул уҡ ваҡытта автомобиль йөрөтөү таныҡлығы булған уҡыусыларыбыҙ ҡатнаша ала. Яҙылған квитанцияғыҙ менән бергә автомобиль йөрөтөүгә хоҡуҡ биргән водитель таныҡлығығыҙҙың күсермәһе лә мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, был уйын тураһында алдан иҫкәртһәк тә, унда ҡатнашырға теләүселәр һаны бик аҙ әлегә. Ә был, тимәк, һеҙҙең еңеүсе булыуығыҙға мөмкинлекте арттыра ғына. Әйҙәгеҙ, яҙылығыҙ ҙа, беҙгә хаттар юллағыҙ. Хаттарҙы электрон почта аша ла ҡабул итәбеҙ. Юлығыҙ төшһә, редакцияға индереп сыҡһағыҙ ҙа була. Редакция сираттағы еңеүсенең квитанцияһын көтә! Фотола: Бамбук тотҡалы сәйнүк Әрметрәхимдән Эльмира Сафинаға эләкте. Фото: автор. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
13 мартта Туймазы ҡалаһының спорт аренаһында каратэ "кекусинкай” буйынса Башҡортостан беренселеге һәм чемпионаты үтте. Был ярыштарҙа Силәбе өлкәһенән, Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан, Ульяновск, Туймазы, Өфө, Октябрьск, Ишембай, Салауат ҡалаларынан, Талбазы ауылынан спортсылар ҡатнашты. Талбазы ауылының "Самурай" клубынан 19 йәш каратист ярыштарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Өс беренсе урын, өс икенсе, өс өсөнсө урын күп нәмә тураһында һөйләй. Сабина Хисаметдинова, Сармат Юлдашев, Айнур Рамазанов 1-се урынға лайыҡ булды. 2-се урын Илария Гиләжетдинова, Фәнис Хөснуллин, Эльвира Рахманбердыева, 3 – сө урын - Тимур Ҡурамшин, Роман Платонов, Владислав Алексеевтарҙа. Тренерҙары Фәһим Ғайсин, әлбиттә, үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән хаҡлы ғорурлана ала. Уларҙың уңыштарында - үҙенең һалған көсө, тырышлығы, ваҡыты, ә уҡыусылар остаздарының ышанысын аҡлай, ата-әсәләр ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Хөкүмәте хуплаған ҡарар проектына ярашлы, 2020 йылдан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең минималь күләме — бер квадрат метр өсөн 6,9 һум (хәҙер – 5,2 һум), ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 7,5 һум (хәҙер – 5,8 һум) була. «Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға тарифтар — илдә иң түбәндәрҙең береһе, ставкалар 2014 йылдан бирле үҙгәрмәгән. Түләүҙең минималь күләме 46 төбәктә артҡан, 2020 йылда Рәсәйҙең тағы 27 субъектында тарифтар ҡиммәтләнә», — тине вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев. 2021-2022 йылдарҙа түләүҙең күләме инфляция кимәленән сығып үҙгәртелә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һанының артыуына бәйле хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы мөмкинлек бирҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һанының артыуына бәйле хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы мөмкинлек бирҙе. Республика Башлығы бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә милли проекттың маҡсатлы күрһәткестәре булыуын хәтергә төшөрҙө. 2030 йылға республикала юл-транспорт ваҡиғаларында вафат булғандарҙың һаны йылына 160 кешенән артмаҫҡа тейеш, быйыл ошо һан әле үк 404 кеше тәшкил итте. Радий Хәбиров иһә был күрһәткесте йылына 400 кешенән арттырмау бурысын ҡуйғайны. «Һеҙҙең команда мин ҡуйған бурыстарҙы үтәй алмай. Ә улар нигеҙләнгән ине. Был турала уйланырға сәбәп бар. Мин Рәсәй Президенты ҡуйған бурысты һеҙҙең менән йәки һеҙһеҙ үтәрмен. Һеҙгә тағы бер мөмкинлек бирәм», — тине республика етәксеһе. Ул декабрь уртаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына арналған ҙур кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Дәүләт Йыйылышына бер нисә тапҡыр иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙең автомобилен конфискациялау буйынса закон башланғысын әҙерләргә һәм шуның менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итергә тигән тәҡдим индерҙе. «Беҙҙә күп аварияларға юлдар ғына түгел, ә иҫерек водителдәр сәбәпсе. Бына шундай әҙәмдәр балаларҙы үлтерә, уларҙың транспортын тартып алырға кәрәк. Башҡаса килеп сыҡмай, күрәһең. Мин ҡаты саралар яҡлы түгелмен, ләкин ошондай аҙымға ла барырға тура килер. Башҡа төбәктәрҙән күп кенә коллегалар был тәҡдимде хупларға әҙер, федераль министрлыҡта уҙған кәңәшмәлә улар был хаҡта әйткәйне», — тине Башҡортостан Башлығы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
#ВладимирПутинХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, 6 мартта, Владимир Путин эш сәфәре менән Рәсәйҙә кәләштәр ҡалаһы булараҡ дан алған Иваново ҡалаһында булды. Ул “Полет” парашюттар заводын, балалар поликлиникаһын ҡараны, йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты. #ВладимирПутин Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, 6 мартта, Владимир Путин эш сәфәре менән Рәсәйҙә кәләштәр ҡалаһы булараҡ дан алған Иваново ҡалаһында булды. Ул “Полет” парашюттар заводын, балалар поликлиникаһын ҡараны, йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты. Киң мәғлүмәт саралары иғтибарынан тағы бер ваҡиға ситтә ҡалманы –урамда халыҡ менән аралашҡан ваҡытта Юлия исемле ҡыҙ Президентҡа: “Мине кәләш итеп алығыҙ!” – тип мөрәжәғәт итте. Аҙаҡтан ике фотоһүрәтен журналистар аша Владимир Путинға тапшырған. Был хаҡта "Россия 1" каналында барған "Москва. Кремль. Путин" программаһында хәбәр иттеләр. “Зинһар өсөн, мине кәләш итеп алығыҙ! Миңә 28 йәш, юғары белемлемен, балаларым юҡ, матди ҡыйынлыҡтар кисермәйем”, – тип яҙған Юлия Шилова фотоһүрәттәрҙең береһенең кире яғына. Шулай итеп, Иваново үҙенең кәләштәр ҡалаһы булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Балаға иң элек, әлбиттә, әсәй кәрәк. Атай кеше өс көн юғалып торһа ла, ул артыҡ көйһөҙләнмәҫ. «Атай ҡайҙа ул?» – тип өйҙәгеләрҙе теүәлләп кенә һорар ҙа, яуабын көтөп тә тормай, яңынан уйынына керешеп китер. Улдарым менән үткәргән бер көн Әсәйҙәре ауылға китте, мин ике улым менән донъя көтөп ҡалдым. Малайҙар нимәлер һиҙенгәндәй, иртән һигеҙ тулмаҫ элек уянды. Иртәнге сәйҙе эскәс, телевизор ебәрҙем, ә Айгиз (ике йәш тә өс ай) менән Айнур (ун бер ай) татыу ғына иҙәндә уйнай. Ун тулғас, Айнур, «мәм-мәм», тип мыжый башланы, һөт йылытып эсерҙем дә ҡулға алып бәүеткәйнем, йоҡлап китте. Айгиз менән шым ғына кухняға сыҡтыҡ. «Айнур йоҡлаған, тауышланма», – тиһәң, Айгиз шыбырҙап ҡына һөйләшә башлай. Хәлде аңлай, үҙен был осраҡта яуаплы тоя. Айнур ун икенсе яртыла уянды. Почта килгән ине, «Ағиҙел» журналын тәүҙә Айгиз ҡарап сыҡты. Сәй ҡайнаны, картуф та беште. Майҙы күп итеп һалып ҡурғайным уны, яратып ашанылар. Өҫтәл артында Айнурҙың имеҙгесле шешәһе өсөн малайҙар тартҡылашып алды. Был – һәр саҡ ҡабатланып торған ғәҙәти хәл. Төшкө аштан һуң диванда ятып гәзит уҡыным, малайҙар иҙәндә үҙ уйынын ҡорҙо. Ваҡыт ике тирәһе. Иҫнәй башлағас, имеҙлек ҡаптырҙым да, ҡулыма алып бәүеткәйнем, Айнур йоҡлап китте. Айгиз менән шым ғына кухняла ултырып торҙоҡ. Айгиз тағы картуф һорап ашаны. Өҫтәлде йыйыштырҙым да, уны ла йоҡлатырға тип, бүлмәгә алып сыҡтым. «Ят, йоҡлайыҡ», – тиеүемә: «Юҡ, йоҡламайым да», – тип холҡон күрһәтеп алды. Ул арала Айнур тауыш бирҙе. Ятыуына ярты ғына сәғәт үткәйне. Уны тағы бәүетә башланым. Диванда йоҡоһо менән көрәшеп ултырған Айгиз минең талғын тауышҡа күҙен йомдо ла ултырған еренә һуҙылып төшөп ятты. Айнур урынына ул йоҡлап китте. Карауатҡа күтәреп һалдым да Айнур менән кухняға сығып киттек. Көнө буйы имсәк иммәгән бала астыр тип, һөт ҡайнатып, бал һалып биргәйнем, яратып эсеп алды. Мин өҫтәл артында китап уҡып ултырам, Айнур иҙәндә уйнай. Кәстрүл ҡапҡас­тарын, буйы еткән башҡа әйберҙәрҙе ынтылып алып, иҙәнгә теҙеп ташланы. Айгиз биш тула егерме минутта уянды. Бешергән бутҡанан баш тартты, ә Айнур рәхәтләнеп ашап алды. Әсәләрен көтә башланыҡ. Киске алтыла автобус килеп етергә тейеш ине. Диванға һөйәнеп, иҙәндә телевизор ҡарап ултырам. Айгиз минең өҫтөмдә үрмәләй. Аяғы эләгерҙәй урын табып баҫа ла, ҡулдарын ебәреп: «Лә-лә-лә», – тип ҡысҡырып көлә. Ҡолап төшә лә, тағы менеп китә. Әсәләре ҡайтмай ҙа ҡуя. Айнур өндәшмәй. Айгиз: «Әсәй ҡайҙа ул?» – тип мыжырға етеште. Сәғәт һигеҙ тулды. Һаман ҡайтмай. Малайҙар иламһырай башланы. Кухняға сығарып, ашарға ултырттым. Айнурҙың имеҙгеле шешәһен бирмәгәс, Айгизде әрлә­гәйнем, уға ҡушылып, ҡустыһы ла илап ебәрҙе. Миңә ҡалһа, балалар атай әренән бигерәк, әсәләрен юҡһыныуҙан болоҡһоп иланы. Ун биш минуттан әсәләре ҡайтып инде. Эйе, көнө буйы бала бағыу – сабырлыҡ талап иткән үтә лә ауыр хеҙмәт. Быны беҙ, атайҙар, күп осраҡта белеп тә етмәйбеҙ шул. Телдәренән бал тама Бала йыш ҡына шул тиклем ирмәк була. Сәй эсергә ултырҙыҡ. Айгиздең алдына абайһыҙҙан ҡайнатма ҡунаҡлаған. «Атай, пәринәне ал. Йә ашап ҡуйырмын», – ул татлы ризыҡты шулай ситкәрәк алдыртыуҙы кәрәк тапты. Айгиз урамда йөрөгәндә аяҡ аҫтына ҡарамай, тирә-йүнде байҡай. Шуға йыш ҡына сөрсөлөп китә, эләгеп йығыла. Ҡолауының ғәйебен үҙендә күрмәй, ә эргәһендәге кешегә япһара: «Нишләп ҡолата ла ҡуяһың?» – тип һөйләнә. «Ҡолата ла китәсе», – ти, әрләп ала. Өйҙә ултырғыстан ҡолап төштө лә әсәһенә: «Нишләп унда ҡуйҙың? Ҡуйма унда башҡа», – тип һөйләнә-һөйләнә һуҡранып китеп барҙы. Ултырғысты иһә тәҙрә эргәһенә үҙе алып барып ҡуйып, тышты ҡарап тора ине. Айнурға бер йәш тә туғыҙ ай. Йүгереп йөрөй, иркә. Матур итеп һөйләшә. «Әтеү», «әле», «тәк» һүҙҙәрен үҙенсә бик йәтеш итеп ҡуллана. – Ыштаныңды нишләп систең? – тип һорайым. – Тәк систем, – тип яуаплай. Үҙһүҙләнһә, «әтеү»ҙән һалдыра. «Әтеү, тыҡай (тышҡа) сыҡып китәм», «әтеү, гасукка (көршәккә) утылмайым» һәм башҡалар. «Тор әле», «кил әле» тип кешене үҙ теләгенә ыңғайлата. Оҙон итеп һөйләм төҙөй белә. Мәҫәлән: «Атай, мин тыҡай сыҡып киләйем», – тип ҡәҙимгесә үҙенең теләген белдерә. «Ҡайҙа ул?» урынына «ҡаяу», ти. «Имеҙге» – «түтей», «көҙгө» – «көкөкө», «велосипед» – «сәпит», «икмәк» – «итәп», «салбар» – «саупал» һ.б. Баланың һаҡау теле уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Айнур «-ның», «-ҙың», «-дың» ялғауҙарын еткереп әйтә алмай. – Минем куткамным – ным – ным кейҙер, – тип оҙаҡ ҡына һүҙҙе әйтеп бөтә алмай йонсоп тора. – Ағайын-н-н-н сәпитенә утылам, – ти бик ыҙаланып… «Бәләкәс булыуы анһат тиһеңме әллә...» Бер көндө эштән ҡайтыуыма Айнурҙың маңлайында елле генә оро барлыҡҡа килгәйне. Айгиз ҡустыһын баҫтырып барған, уныһы артына ҡарап йүгергәндә ишектең ҡырына төкөгән, башын күптергән. – Нишләп Айнурҙы баҫтыраһың? Һин – тыңлауһыҙ малай, – тип шелтәләйем. Ул яуап итеп: – Минем пелисәпитем бар бит. Мин пелисәпиткә ултырып китәм дә барам, – ти. – Мин бит Айнурҙы башҡа баҫтырма, тием, ә һин нимә һөйләйһең? – балаға нотоҡ уҡыуымды дауам итәм. – Ә минем пелисәпитем бар, тием. Пелисәпиткә ултырам да китәм, – ти Айгиз тағы үҙенекен. Әлеге осраҡҡа, бәлки, психологтар аныҡ ҡына аңлатма ла бирә алыр. Миңә ҡалһа, был – баланың өлкәндәргә ҡаршы тороу тактикаһының бер сағылышы. «Минем пелисәпитем бар бит. Пеләсәпиткә ултырып китәм дә барам» – Айгиз үҙен ғәйепле һанамай. Улар ҡустыһы менән уйнағандар. Баҫтырышыуһыҙ уйын буламы ни? Шуның өсөн хәҙер бинахаҡҡа уны битәрләйҙәр, йәберләйҙәр. Тимәк, миңә бында урын юҡ: «Пеләсәпиткә ултырып китәм дә барам», – ти ул сараһыҙҙан, атай әренән ҡотолорлоҡ башҡа әмәл күрмәгәс. Беҙ баланың хәленә керә белмәйбеҙ, уны баҫабыҙ, ҡурҡытабыҙ, бер туҡтауһыҙ тыябыҙ. Күптәребеҙ үҙ балалары менән аңлаша алмай ара боҙоу сигендә бер генә тапҡыр торманы. Эйе, ысынлап та, ғаилә тормошо – оло һынау ул. Балаларың менән мөнәсәбәтте емереп ташлау өсөн күп кәрәкмәй: киҫкен мөғәләмә, бер нәмәгә ҡарамай үҙ һүҙеңде һүҙ итергә ынтылыу, балаға ла ихтирам кәрәклеген онотоу, уның намыҫына тейеү, кәмһетеү. Бындай баҫымға дусар ителгән бала, характерына ҡарап, йә баҫыла, йә йәшерен үс алыу юлын һайлай, йә «ҙурайып алайым әле…» тип асыуын йәшерә. Иғтибар, иғтибар һәм иғтибар талап итә бала. Тәжрибәһеҙ йәш атай менән әсәй баланан ныҡ йонсой. Булған көстәре сабыйҙы бағыуға сарыф ителә. Ә күңел тәрбиәһенә ваҡыт та, хәл дә ҡалмай. Үҙен уратып алған тирә-яҡ мөхитте танырға ынтылған, был ынтылышта сиктәрҙе белмәгән бала бер туҡтауһыҙ тыйыла, баҫыла. Шулай уның уникаль шәхсән сифаттары асылмай ҡала. Уҡымышлы заманда, мәғлүмәт йәмғиәтендә йәшәп, үҙебеҙ юғары белемгә эйә булып та, балаға дөрөҫ тәрбиә бирә алмайбыҙ. Хәлебеҙҙән килмәй. Асылда, өс, дүрт, биш йылға, бәлки, унан да күберәккәлер, атай менән әсәй, тормоштоң мауыҡтырғыс башҡа яҡтарынан ваз кисеп, башкөллө бала тәрбиәләүгә бирелергә тейештер. Мал артынан ҡыуыу, күңел асыу, ял итеү кеүек фани донъяның ымһындырғыс ғәмәлдәрен ситкә ҡуйып. Бындай ҡорбанға барыусылар беҙҙең арала юҡ кимәлендә. Кеше фиғеленең кире яҡтарының береһе был. Беләбеҙ, аңлайбыҙ, ләкин эшләмәйбеҙ. Хатта изгеләрҙән-изге бурысыбыҙҙы атҡарып сығыу – балаларыбыҙҙы бәхетле итеү өсөн дә. Бер мәл алты йәшлек ҡыҙҙың: «Бәләкәс булыуы анһат тиһеңме әллә?» – тип илағанына шаһит булғайным. Эйе, бәләкәс булыуы анһат түгел. Ололар шуны аңлаһа ине. Айбулат Ғафаров. Нәсих ХӘЛИСОВ фотолары. Дауамы. Башы 6-сы, 7-се һандарҙа. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Хөрмәтле Ғафури районы һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым! Был көндә табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, фармацевтар һәм кешеләр һаулығы һағында тороусылар рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итә. Һеҙҙең шәфҡәтле ҡулығыҙҙа донъялағы иң ҡәҙерле байлыҡ – кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге. Һөнәри бурысығыҙға тоғро ҡалып, башҡаларға ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙерһегеҙ. һеҙҙең өсөн ял да, байрам да юҡ, эшегеҙ түҙемлелек, физик һәм рухи көс, белем һәм оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ һәм һиҙгерлек талап итә. Ләкин көндәлек хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре – бар тырышлығығыҙҙы аҡлай. Быйыл һөнәри байрамығыҙ COVID-19 пандемияһы ваҡытына тура килде. Барыбыҙ өсөн дә ауыр осорҙа йәмғиәтебеҙ медицина хеҙмәткәрҙәренең эше ни тиклем мөһим һәм яуаплы икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанды. Әле лә күптәрегеҙ яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәй. Беҙ һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалайбыҙ һәм ихтирам итәбеҙ. Кешеләр һаулығы һағында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан тармаҡ ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Ҡәҙерле һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә эскерһеҙ, сыҙамлы, мәрхәмәтле хеҙмәтегеҙ һәм юғары һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт! Ысын күңелдән бәхет, именлек, тотороҡлолоҡ, һәм иң мөһиме һеҙ башҡаларға бүләк иткән – сәләмәтлек теләйем! Пациенттарығыҙҙан тик рәхмәт һүҙҙәре ишетергә яҙһын, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ, Муниципаль район хакимиәте башлығы. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Коронавирус киҙеүе тарала башлағандан алып был вирусты донъяла барлығы 106289268 кеше йоҡторған, улдарҙың 2327231-е вафат булған. Илдәр берләшмәһе киҙеүҙе еңеүҙең төп ысулын киң масштаблы вакцинация яһауҙа тип һанай. Президент В.В.Путин билдәләүенсә, Рәсәй коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау буйынса донъяла алдынғы позицияны биләй. Был турала ил башлығы Фән һәм мәғариф советы утырышында хәбәр итте. “Рәсәй – үҙе яһаған өс вакцинаһы булған берҙән-бер ил. Был, әлбиттә, ҙур фәнни ҡаҙаныш. Беҙҙә әлегә ике вакцина теркәлгән. Рәсәй COVID-19-ға, һис шикһеҙ, ҡаршы тора аласаҡ.“-тине үҙ сығышында Владимир Путин. "V Спутник" вакцинаһын ҡулланыуҙы 12 ил: Белоруссия, Аргентина, Боливия, Сербия, Алжир, Палестина, Венесуэла, Парагвай, Төркмәнстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Венгрия һәм Пакистан хупланы. Рәсәйҙә вакциналау уҙған йылдың декабренән бирле дауам итә. #ВВПУТИН Автор: Әлфирә Үҙәнбаева. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Пандемия башланған осорҙа Республика инфекция дауаханаһын төҙөргә 55 көн ваҡыт киткәйне. Стәрлетамаҡтағы ковид-госпитал 1 декабрҙә үҙ эшен башлаясаҡ. Пандемия башланған осорҙа Республика инфекция дауаханаһын төҙөргә 55 көн ваҡыт киткәйне. Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталь 1 декабрҙә үҙ эшен башлаясаҡ. Инфекция дауаханаһы проекты Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, Стәрлетамаҡтағы инфекция дауаханаһы донъяла иң яҡшы үҙәктәрҙең береһе буласаҡ. Рәсәйҙең ете төбәге Башҡортостанға тәжрибә алырға килгән. Икәүһендә беҙҙең проект буйынса төҙөлөш башланған. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Ошо көндәрҙә Күмертау суды 10 кешенән торған енәйәт төркөмөнә ҡарар сығарҙы. Уларҙың барыһы ла наркотик матдәләр һатыу ойоштороуҙа ғәйепләнә. Күмертауҙа йәшәүсе 2 кеше наркотөркөм ойоштороп, интернет-магазин аша Башҡортостан буйынса наркотиктар һатыу менән булышҡан. Енәйәтселәргә 21-43 йәш. Был енәйәт эшен полиция хеҙмәткәрҙәре 2018 йылдың ғинуарында уҡ белеп ҡала һәм уларҙан 3 кг тыйылған матдә, электрон үлсәү, полимер пакеттар һәм кәрәҙле телефондар тартып алына. Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен шунда уҡ таный. Суд уларға 5 йылдан алып 10 йыл да 6 айға тиклем иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү ҡарары сығарҙы. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Ҡала мәҙәниәт һарайында “Райхан” татар халыҡ ансамбле һәм “Йәйғор”өлгөлө бейеү коллективы мәләүездәргә ҙур байрам бүләк итте. Ҡала мәҙәниәт һарайында “Райхан” татар халыҡ ансамбле һәм “Йәйғор”өлгөлө бейеү коллективы мәләүездәргә ҙур байрам бүләк итте. “Йыр һәм бейеү өмәһе” тип аталған был тамашаға йыр-моң һөйөүселәр йыйылды. Сағыу концерт программаһы бай йөкмәткеһе менән дә халыҡтфы әсир итте. «Райхан» ансамбле – ҡала мәҙәниәт һарайының иң алдынғы ижади коллективтарының береһе, сәхнә йондҙо булып балҡыуына инде 20 йылдан ашты. БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнисә Яҡупова етәксеһе булып ҡала. Сарала «Картуф», «Дубыр - дубай», «Аҡ бүрек», «Уҫә гөлләрем», «Жомга» татар халыҡ йырҙары йырланды. «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле башҡорт, казак, рус бейеүҙәрен башҡарыуы айырыуса дәрт һәм сағыулыҡ өҫтәне. Шулай уҡ Ривал Мөхәмәтшин, Нәркәс Кәмәлиева, Ләйсә Вәлиева, Әлиә Кәримова, Лиана Кәмәлиеваларҙың яңғыҙ сығыштары ла ҡыуандырҙы. Концерт аҙағында «Райхан» һәм «Йәйғор»ҙоң «Гармун» йыры менән тамамланды. Тамашасы һәр сығышты йылы ҡабул итте һәм алҡыштарға күмде.
Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы сәйер инде. Һаҡһыҙ ҡулдарҙың ғүмерен ҡыйыуына ҡарамаҫтан, һулығансы матурлығын, хуш еҫен тирә-яҡтағыларға таратып ултырған өҙөлгән сәскәне хәтерләтеп ҡуя ваҡыты-ваҡыты менән. Зөһрәнең күңелендә ауыр уйҙар ҡойоно уйнаһа ла, борсолоуы йөҙөнә күләгә булып ятманы. Ҡәҙимгесә, хеҙмәттәштәре менән йылмайып мөләйем һөйләште, киләһе һанға баҫтырыласаҡ мәҡәләһен йәһәт кенә тамамлап, өйөнә ашыҡты. Ҡайтҡан юлда магазиндан кереп хәләле яратҡан аштарҙы бешерер өсөн кәрәк-яраҡ алып сыҡты. Ниәте – киске аштан һуң барыһын да уртаға ярып һалып әйтеү, ире Марат менән аңлашыу. Хәйер, аңлаша алыуҙары икеле. Бер киҫелгән икмәк тә кире йәбешмәй, өҙөлгән епте лә ялғаһаң йөйө ҡала... Ярай ҙа, ҡыҙҙары ауылда. Матур итеп үҫеп килгән Айһылыу менән Таңһылыу аталарын нығыраҡ яратҡан кеүектәр, әммә нисек кенә булмаһын, әсәһенең күңел торошон тойоп ҡына торалар бәләкәс кенә һиҙгер йөрәктәре менән. Шуға ла, һағынһа ла, әлеге ваҡытта уларҙың ауылда булыуҙарына шатланып ҡуя әсә кеше. Ғаилә карабының мороно ҡомға килеп төртөлгәндә, исмаһам, уларҙың саҡ шытып ҡына килгән ҡыяҡ кеүек ысыҡ тамсыһылай саф күңелдәренә ҡара күләгә төшмәһен. Әгәр ҙә Зөһрәнең уйлағаны килеп сыҡмай икән, атай-әсәһенең айырылышыуҙары тураһында һуңғараҡ белерҙәр, ә әлегә олатаһы менән өләсәһендә тыныс ҡына ял итһендәр. Ҡыҙҙары иҫенә төшөп, улар хаҡында уйлап алғас, йәш ҡатындың оҙон көн буйына аяҡ өҫтө йөрөп талсыҡҡан тәне еңеләйеп киткәндәй булды. Йәһәт кенә өҫтөн алмаштырып, бәлешкә эслек әҙерләп тә ҡуйҙы. Ә бына ҡамырға оҙаҡ ҡына тотона алмай хитланды. “Бөтә хис-тойғоларың, кәйефең һин баҫҡан ҡамырға туранан-тура ҡушыла. Әгәр ҙә кәйефең юҡ, күңелең тыныс түгел икән, телеңде йоторлоҡ итеп ниндәй генә ризыҡ әҙерләмә, ул барыбер аш булып бармаҫ”, – ти торғайны күрше булып йәйҙәрен генә ҡаланан ҡайтып йөрөгән Мәҙинә әбеһе. Әле үҙе өсөн бәләкәстән аҡыл эйәһе тип ҡабул иткән был әбейҙең һүҙҙәре иҫенә төшкәс, былай ҙа тулышып торған күңеленең быуаһы саҡ йырылманы. – Их, әбекәй, нишләйем һуң? “Нимәлер хәбәр итер, әйтер алдынан башта әңгәмәсеңдең тамаҡ яғын ҡайғырт”, – тип үҙең өйрәтә торғайның бит. Әле һинең бер һүҙең, кәңәшең етер ине лә. Мин кейәүгә сыҡҡан йылды гүр эйәһе булып ҡуйҙың шул. Ул саҡта күңелемдең бер мөйөшө кителеп төшкәндәй, оҙаҡ тыныслана алмай йөрөгәйнем. Ҡаланан ҡайтыуыма һине ҡәбергә төшөргән инеләр. Өйҙәгеләргә: “Нишләп әйтмәнегеҙ, бөгөн уҡырға барып трмаҫ, иртәнге автобус менән ҡайтып хушлашып өлгөрөр инем,” – тип илағас, әсәйем: “Икегеҙ өләсәй менән ейәнсәр кеүек булып бөткәйнегеҙ бит, күңелеңде яралап алып киткән ваҡыттарын күрмәһен, һинең өсөн ҡайҙалыр йыраҡҡа ғына киткән тере, яҡты һын булып ҡалһын тинем”, – тине. Сабырлыҡҡа, тырышлыҡҡа, тағы ла әллә күпме шәхес, ҡатын-ҡыҙ булып үҫешер өсөн күркәм сифаттарға өйрәткән, тормоштоң асылына бәләкәйҙән яйлап-яйлап ҡына төшөндөргән Мәҙинә әбеһе, ысынлап та, Зөһрә өсөн яҡты бер һын, маяҡ булып ҡалды. Тап шул йылды бер нисә йыл дуҫлашып йөрөгән егете Маратҡа кейәүгә сыҡты. Башта хирург булып хеҙмәт юлын башлаған улдарының киләсәге тип-тигеҙ юл кеүек булырына ышанған ата-әсә егерме генә йәшлек, университеттың өсөнсө курсында белем алған йәш ҡыҙҙы, буласаҡ килендәрен, йәбешеп сыҡҡан кеүек итеп ҡабул иттеләр. Әммә бәләкәйҙән эш яратып үҫкән Зөһрә, студентмын, тип ир елкәһендә ятырға уйламаны ла. Юғары уҡыу йортон тамамлауға әсәй булып өлгөрһә лә, бер кемгә ауырлыҡ, бәлә һалмай уҡып бөттө. Тәбиғәте менән тыныс, мөләйем, һәр нәмәне алдан уйлап эшләгән, кәрәк ваҡытында үткер ҙә була белгән килендәрен ҡайныһы менән ҡәйнәһе тиҙ арала үҙ итеп, яратып өлгөрһәләр, өйләнгәндә алдында өлтөрәп, күҙенә генә ҡарап торған Марат менән, киреһенсә, аралары ваҡыт үткән һайын һыуынды, ир менән ҡатын бер-береһенән алыҫлашҡандан – алыҫлашты. Икенсе ҡыҙҙары Таңһылыу тыуғанда район дауаханаһының баш табибы вазифаһын биләүсе ғаилә башлығы эше күплеге, төнгө дежурҙарына һылтанып көнөнә бер тапҡыр булһа ла ҡайтып күренмәй башланы. Уның артынан бәләкәй генә ҡасабала имеш-мимештәр, төрлө ғәйбәттәр ҙә таралды. Мараттың әле яңы килгән шәфҡәт туташы менән, әле икенсе йәш практикантка менән “ғишыҡ уйындары” башланған икән, тигән һүҙҙәрҙе ишетмәҫкә, ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышты Зөһрә. “Алманың аҫылына – ҡорт, кешенең яҡшыһына ғәйбәт төшә инде ул”, – тип йылмайыр ҙа ҡуйыр, һүҙҙе артабан ҡуйыртырға ирек бирмәҫ ине. Әле яңыраҡ балалар табыу бүлегендә эшләгән бер әхирәтенең: “Зөһрә, беләһеңме, Маратты ней, теге ней менән уйнаш итәләр икән, тип һөйләйҙәр ҙәһә”, – тип рәхәтләнеп ләстит һөйләргә, үҙҙәренең баш табибы менән булып кинәнергә асылған ауыҙын да: “Әлиә, журналист тигәс тә мине, һәр ләститкә ышанып барған, кеше һөйләргә яратҡан тип беләһең инде? Әйҙә, юҡ менән булмайыҡ. Сәйең дә һыуына, ҡоймаҡтың майы ла туңа башланы, етешеп ултыр”, – тип ғәйбәтте башланған сағында уҡ туҡтатты ла ҡуйҙы. Тегенеһенә: “Утһыҙ төтөн булмай ул, ике балаңды ҡосаҡлап, йәп-йәш көйөңә яңғыҙ ултырып ҡалырһың әле”, – тиеү менән генә сикләнергә тура килде. Әлбиттә, ире менән аралары һыуынып, хәләленең “һул”ға йөрөгәнен һиҙмәҫкә ул да күҙһеҙ бүкән түгел. Мараттың ҡапыл тоҡанып, тиҙ генә һүнә-һүрелә торған холҡо барлығын белгәнгә, барыһына ла тыныс ҡарай. Кемдәрҙеңдер быны битарафлыҡ менән бутауы бар. Әммә быныһы дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә битараф булһа, тормош иптәшенең бындай мауығыуҙарына ҡул һелтәп ҡарар, яйы тура килгәндә үҙе лә сит ирҙәр менән йөрөр һәм иң мөһиме бөтөнләй үҙен ҡарамаҫ ине. Ә Зөһрәне яңы белгәндәр утыҙҙы уҙып барған, ике бала әсәһе, ир ҡатыны тип берәү ҙә әйтмәҫ. Нескә бил, бөҙрәләнеп кенә билдән төшөп торған оҙон толомдар, күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнатып торған ихлас йылмайыу... “Ҡалаҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ”, тиҙәр уның кеүек ҡатын-ҡыҙ тураһында. Ике яҡ туғандар менән дә йылы мөнәсәбәттә булған, донъяһын да сынъяһау итеп тотҡан, аш-һыуға оҫта булып та һимереүҙең нимә икәнен белмәгән был ҡатындан күптәр: “Кит, сихырсыһыңдыр һин”, – тип тә көләләр, һоҡланалар, көнләшәләр, иренең уның өҫтөнән йөрөүен һөйләп күңел йыуанысы табалар. Араларында нимәгәлер өлгәшер, эйә булыр өсөн, кешенең иң беренсе үҙе өҫтөндә эшләргә тейеш икәнлеген онотоп китеүселәр ҙә бар шул. Көнләшмәү, күңелдә үс, асыу тойғолары һаҡламау кешенең йөҙөн нурлаһа, алсаҡлыҡ, бар нәмәгә ихлас булыу маҡсатыңа ирешергә ярҙам итә, ә бар ерҙә таҙалыҡ, тәртип, бөхтәлек яратыу артыҡ кәүҙә ауырлығынан һаҡлай. Етмәһә, Зөһрәлә кешенең күңел торошон үтәнән-үтә күрә белеү һәләте лә бар кеүек. Ул һәр кемде нисек бар шулай ҡабул итә, ыңғай яҡтарын, нимәгә һәләтле икәнен күреп кешене яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам иткән саҡтары ла юҡ түгел. Ана, бер мәл биш, унан да күберәк бала тапҡан “миҙал”лы әсәйҙәргә ҡаршы “һуғыш” башланып, күп балалы ҡатындар эшләмәй, дәүләттән бушҡа ғына аҡса һауып ятыр өсөн таба тип саң ҡаҡтылар, аҙып-туҙып йөрөгән, балаларын ҡарамаған әсәләр миҫалға килтерелде... Район гәзитендә эшләгәс, донъя көтөүсе, бала бағыуҙан йәм, тәм табып, киләсәктә илгә терәк булырҙай балалар үҫтереүсе әсәләр тураһында әҙ яҙырға тура килмәне уға. Яңыраҡ үҙен ҡулға алып, эсеүен туҡтатып, ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй икән, “Әсәлек хоҡуғынан” мәхрүм ителергә тейеш булған ҡатын-ҡыҙҙар араһында бер нисә йыл элек яҙған героиняһының исем-шәрифен күреп аптыраны. Балаларын кеше итер өсөн бар тырышлығын һалып теттереп донъя көткән йүнсел ҡатынды эскелеккә нимә этәреүе тураһындағы уй мейеһен бырауланы, төн йоҡоларынан яҙҙырҙы хатта. Теге ҡатындың үҙен күреп һөйләшеү һылтауы менән шул ауылға командировкаға китте. Ауыл ерендә кемдең нисек йәшәгәнен, нисек икәнен белгең килһә, июль аҙаҡтарында, августа ҡунаҡҡа барырға кәрәк. Йүнсел, егәрле хужаларҙың был мәлдә баҡсаһында үҙе үҫтергән уңышы тәгәрәп ятып өлгөрә башлай, өй алдары сәскәгә күмелә... Зөһрә лә тәү тапҡыр Бәшәрҙәргә ошондай ваҡытта, мул ҡуллы уңған хужабикәнең емеш-еләге бешкән, йәшелсәһе өлгөргән, үҙе тәрбиәләп үҫтергән гөл-сәскәләре күҙҙең яуын алып, күңелде иркәләгән саҡта барғайны. Әле иһә бөтөнләй ҡот осҡос, күңелде өшөткөс күренеш ҡаршы алды. Ҡапҡа алдында – төш етеп килеүгә ҡарамаҫтан, быҙауын имеҙмәй көтөүгә китергә теләмәйенсә тызандашып баҡырып торған һыйырҙар, урам эсе, ишек алды магазиндан алынған аҙыҡтарҙың ҡаптары менән тулған сүп-сар, кәртә арттарында, бала-саға уйнамаған урындарҙа ҡоторошоп үҫкән кесерткән, әрем, шайтан таяғы... Күптән йыуылмағанлыҡтан ҡаҡашып барған түшәктә бар донъяһын онотоп йоҡлап ятҡан Бәшәрҙе уятҡансы хәтһеҙ ваҡыт үтте. Күп эсеүҙән шешенгән, үҙенән ҡатын-ҡыҙ мөләйемлеге китә башлаған әсә кеше менән һөйләшеүе башта еңелдән булманы. Сираттағы нотоҡ уҡырға килгән берәү тип ҡабул итте Зөһрәне. Әммә бындай көнгә төшөүенең сәбәптәрен һораша башлағас ҡына ыҡҡа килә башланы. Баҡһаң, оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатынды эш урынынан “ҡыҫҡартҡандар”, эшһеҙ ҡалып аңҡы-тиңке йөрөгәндә иренең “һул”ға йөрөүен белеп ҡала. “Эштән тороп ҡалыуҙан бигерәк иремдең икенсе берәү менән буталыуы аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Тормошом емерелеп, аяҡ аҫтында упҡын барлыҡҡа килгәндәй булды. Хатта үҙемә ҡул һалырға ла маташтым башта, балаларым, уларҙың минһеҙ тормошон күҙ алдыма килтереүе генә тотто. Һуңынан ҡайғымды “уртаҡлашыусылар” табылды. Ир ҡайғыһы – итәктә генә, тиһәләр ҙә, биш баланы йәтим итеп, ҡалағынан башлап йыйған донъябыҙҙы бүлеп тәләф-тәләфләгем килмәй, әммә хәләлемдең икенсе берәү янынан ҡайтып мут ҡына мыйыҡ аҫтынан йылмайып йөрөүен күрһәм, эсемдә нимәлер өҙөлөп төшкәндәй була. Уның ошо ҡарашын күрмәҫ, үҙемде был донъяла ташландыҡ итеп тоймаҫ өсөн тағы ла шул хәмер ярҙамға килә. Былай ҙа балалар аҡсаһына йәшәйһегеҙ тип көлөүселәргә бындай хәлгә төшөүем мас булды инде”, – тип күҙ йәштәренә быуыла-быуыла хәбәрен теҙеп эсен бушатты зарлы ҡатын. Утһыҙ төтөн булмай шул, Бәшәр кеүек аңлы, зиһендәре ныҡ ҡатындарҙың эскелек ауына эләгеүе буштан ғына түгеллеген күңеле менән алдан тойомлаған ине бит ул. Ана бит нисек булған. Бәшәрҙе был упҡындан йолоу өсөн Зөһрәгә аҙаҡтан да күп кенә йөрөргә тура килде. Уның ауылындағы мәктәптә ниндәй фәндән уҡытыусылар етешмәүен белешеп, башланғыс кластар уҡытыусыһының күп яҡҡа барымы булыуын иҫәпкә алып, Өфөгә рәсем, хеҙмәт фәндәренән белгестәр әҙерләү курсына ебәреү буйынса район мәғариф бүлегенән рөхсәт алды. Кеше тураһында яҡшы хәбәр бер аяҡта сатанлап барғансы, яманы йүгереп килеп етә. Элекке уҡытыусының “йәшел йылан” менән дуҫлашыуы хаҡында унда ла хәбәрҙар инеләр, шуға башта ҡаршы төшөп тә маташтылар. Әммә район гәзитендә эшләгән хәбәрсенең юҡ артынан йөрөй торған кеше түгеллеген белгәнгә, күнделәр. Хәҙер ана, киренән уҡытып йөрөй, тормош иптәше менән дә аралары яйға һалынған, шикелле. Иң мөһиме – балалары әсәйле килеш әсәйһеҙ үҫмәйҙәр. Ғөмүмән, Зөһрә һәр геройының яҙмышы өсөн үҙен яуаплы һанай. Маҡтарҙайын ғына маҡтай, өлгө итеп ҡуя, тәнҡит булһа, ете ҡат үлсәгәндән һуң ғына бер тапҡыр киҫә тигәндәй, сәбәбен асыҡламайынса, ашыҡ-бошоҡ һығымта яһарға, фашларға ашыҡмай. Емеш-еләктән десертын өлгөртөүгә Мараттың асҡыс менән ишекте шатырлатып асып өйгә ингәне ишетелде. Өйләнешкән ваҡыттарында, һәр береһенең асҡысы булһа ла, ишек ҡыңғырауына баҫып үҙен ишек асып ҡаршы алыуҙарын икеһе лә ярата ине. Көн оҙонона арып эштән ҡайтҡаныңда һине ҡаршы алыусы, йылы һүҙҙәр менән иркәләп өҫ кейемдәреңде һалдырырға ярҙам итеүсе булһа күңелле лә инде. Әммә йылдар үтеү менән был матур ғаилә йолаһы онотолдо, кистәрен һуңлап, йә бөтөнләй таң алдынан ғына ҡайта башлаған Марат, үҙенең ҡасан, ниндәй хәлдә ҡайтҡанын йәшерер, төрлө ҡатын-ҡыҙҙар хушбыйы һеңеп бөткән кейемен тиҙерәк сисеп ырғытыр өсөн, шым, шыпырт ҡына килеп керер ҙә, залдағы диванда ғына йоҡлар булды. Әле лә, өйрәнгән ғәҙәте буйынса, өҫ кейемен алмаштырыу менән телевизор ҡарарға ултырғайны, Зөһрә киске ашҡа саҡырҙы. Өҫтәл артында өнһөҙ генә тамаҡ туйҙырып алғас, һүҙен башланы: – Марат, беҙгә айырылырға кәрәк. – Һауыт-һаба йыуыу һылтауы менән иренә арты менән баҫып торғанлыҡтан бына-бына тәгәрәп төшөргә торған хыянатсыл йәштәренең күренмәүенә һөйөнөп дауам итте. – Артабан былай йәшәп булмаясаҡ, мин һинән китәм. – Кемгә? – Көтөлмәгән хәбәрҙән иҫәңгерәп ҡалған ир аңҡауына йәбешеп барған телен көскә әйләндереп һорай алды. – Кем икәнлеген һин белмәйһең. Күргәнең юҡ, Өфөлә йәшәй ул. Үҙенең шәхси эше бар. – Тимәк, һине ябай хирург ялҡытып, ҡап ҡорһаҡлы, йыуан кәшилүкле бизнесмендар кәрәк булды инде. – Үҙең бер тапҡыр ҙа күрмәгән кешене улай кәмһетмәһәң ине... – Ищеү яҡлай ҙа башлаған... – Яҡлауҙан, уны һинән юғарыраҡ итеп күрһәтергә теләүҙән түгел. Мин бит һин сыуалған бисәләр менән бер ваҡытта ла булманым. Әйҙә, үҙ-ара ыҙғыш ҡуптармай, йылы мөнәсәбәттәрҙә айырылышайыҡ. Нимә генә тиһәң дә, ике уртаҡ ҡыҙыбыҙ үҫеп килә бит. Эштең айышына саҡ төшөнөп барған Марат һауыт-һабаһын йыуып бөтөп, ҡулдарын таҫтамалға ҡоротоп торған ҡатынын һикереп торған ыңғайына, биленән аймап алып, үҙенә ҡаратып тотто. – Йә әйт, ҡайҙа, нисек таныштың уның менән? Нимәһе артыҡ минән? – Ҡәҙимге, һинең менән минең кеүек кеше инде. Әммә миндә ҡатын-ҡыҙ сифаттарын күрә, уята алыуы менән һинән күпкә айырыла. – Иренең асыу ҡатыш зәһәр осҡондарға ҡушып хәләл ефетен юғалтыу хәүефе менән дә янған күҙҙәренә ҡарап, башлаған уйын аҙағынаса еткереү маҡсатында тегенең зитына нығыраҡ тейергә булды Зөһрә. – О-о-о!!! Ҡатын-ҡыҙ сифаттарын нисегерәк һәм ҡайҙа уятып өлгөрҙө инде?! Өй менән эш араһын ғына тапаған тоғро ҡатыным бар икән тип уйлаһам... – Барыһын да бер епкә теҙеп, үҙең кеүек күрмә, Марат! – Бер епкә теҙмә тип нимә әйтмәксеһең? Ана бит, берәү уйнаш тип исем күтәргәндә, фәрештә булып ҡыланған һин рәхәтләнеп типтереп йөрөгәнһең! Әйт, ҡайҙа таныштығыҙ? – Иренең үҙен ҡыҫып тотоуынан ҡотолорға теләп тәҙрә алдына һыйынған Зөһрәне Марат ике яҡ яурынынан матҡып тотоп күҙҙәренә тура ҡараны. – Ҡайҙа булһын, командировканан ҡайтып килгәндә инде! Мин бит һин әйтмешләй, урам буйында хәйерселәп һүҙ йыйып йөрөүсе кеше! Автобусҡа һуңлағас, попуткаға сыҡҡайным. Юлы бөтөнләй икенсе яҡҡа булһа ла, бында тиклем үк килтереп ҡуйҙы. Хәҙер ни, теләһәң кешене йәһәт кенә табырға була, бер нисә көндән интернеттан эҙләп тә тапты. Эше күп, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, саҡырһаң “тып” итеп килә лә етә. Гражданский брак менән генә торған ҡатынын айырам да, миңә өйләнәм, ти. – Үҙе уйлап сығарған әкиәткә Зөһрә хатта үҙе лә ышана башланы, шикелле. Хәйер, ниндәй гүзәл зат үҙен ҡәҙерләүҙәрен, яратыуҙарын теләмәһен инде?! – Уның тәмле-татлы һүҙҙәренә иҫереп, килтергән сәскәләренән, бүләктәренән башым әйләнеп тик йөрөй. Ҡатынының шаяртмағанлығын, үҙен күреп тә белмәгән көндәшен нығыраҡ белгән һайын тағы ла нығыраҡ асыуынан, көнләшеүенән шартлар сиккә еткән ир хәләл ефетен ҡапыл һығып ҡосаҡлап алды. – Сеү-ү-ү! Етте! Бирмәйем, ишеттеңме, һине бер кемгә лә бирмәйем! Уны онотҡансы ,өйҙә бикләп булһа ла тотһам – тотам, әммә бирмәйем! Һин минеке генә! Кеше ҡатыны ҡыҙ булып күренә тигәндәре ҡайһылай дөрөҫ икән! Бер мәл Рәмзил тәҡәтемде ҡоротҡайны. Хәҙер Өфөнән килеп тапҡандар!.. Асыуынан йомшарып хәҙер иркәләүгә күскән, сәстәренән, битенән үбә башлаған иренән ситкә тайпылған Зөһрәнең күҙҙәре аптырауҙан шар асылды: – Туҡта, туҡта, ниндәй Рәмзил! Һинең менән бергә эшләгән анестезиологты әйтәһеңме, уның ниндәй ҡыҫылышы бар бында?! – Шул инде. Утыҙға етеп тә һаман өйләнмәй йөрөй бит. Һине теге юлы Һабантуйҙа йөрөгәнеңдә күрҙе лә: “Марат Раилович, һиңә эшкә йәш медсестричкалар килеп тора, әйҙә, ҡатынығыҙҙы миңә бирегеҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы ла ситкә типмәй, үҙемдеке кеүек итеп ҡарармын”, – ти. Шаяртамы был алйот тиһәм, юҡ, ысынлап тороп һөйләй. “Зөһрәнең ҡәҙерен белмәйһегеҙ, уға ымһынған ирҙәр быуа быуырлыҡ”, – ти, етмәһә. “Кеше бисәһенә ҡыҙыҡҡансы, үҙең берәй йәш ҡыҙ менән таныш, дүрәк!” – тинем инде. Теге зәңгәрһыу салбарың менән аҡ блузкаң тағы ла нығыраҡ йәшерәк, матурыраҡ итеп күрһәтә лә ул һине, ысын. Һиңә ҡарап ауыҙ һыуын ҡойоусылар бар икән шул... Ҡабаттан ҡосоп, үҙен үбә башлаған ирендәрҙең, иркәләгән ҡулдарҙың ихтыярына артабан ҡаршы килмәне ҡатын. Өсөнсө бәпәй хаҡында хыялланып һөйләнә башлаған иренең ҡосағынан көскә арынып тороп китте карауатынан. Ванна бүлмәһенә кереп бикләнеп, ундағы ҙур көҙгөләге һынына оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң ғына, хәйләһенең, ысынлап та, тормошҡа ашыуына ышанып, апаһына шылтыратырға тотондо. Һеңлеһенең ғаилә тормошо өсөн ут йотоп йөрөгән апаһы оҙаҡ көттөрмәй: “Йә, нисек?” – тип һорай һалды. “Апай, барыһы ла мин уйлағанса килеп сыҡты! Ул минең менән! Бөгөн иртән икенсе аяҡ кейемемде кейәйем тип ишек алдындағы шкафты асһам, кейемдәре сығып китергә әҙерләнеп сумаҙанына тултырылған ине. Быға тиклем уның ғишыҡ уйындары уҙа барһа ике-өс айға ғына һуҙыла торғайны. Ә теге йәш педиатр ҡыҙ менән артыҡ оҙаҡҡа киткәнен белгәс, үҙем дә шомлана башлағайным. Тиккә булмаған икән. Хәйер, бергә йәшәй башлаһалар, уның менән дә оҙаҡҡа бармаҫ ине. Марат ярата белмәй, бары тик йәшлеге менән дәрте ташып торған гүзәл заттарҙың янында булыуынан ғына ләззәт ала бит ул. Уныһы ла үҙенең шәплеген, мин-минлеген күрһәтеү өсөн кәрәк икәнлеген хәҙер аңланым инде. Ләкин мин өлгөрҙөм! Үҙемде әллә ниндәй иргә ғашиҡ иткән ҡатын итеп күрһәтһәм – күрһәттем, әммә ҡыҙҙарымдың атайһыҙ үҫеүҙәренән аралап өлгөрҙөм! Мараттың үҙенән алда икенсегә китеүем тураһында хәбәр иткәс тә, минән китеү уйынан төңөлдө. Ирҙәр бит ҡатындарын ҡалдырып еңел генә китә алһалар ҙа, үҙҙәрен ташлаһалар оло трагедия итеп ҡабул итәләр. Уларҙың психологияһы шулай...”. ...Тағы ла бер биш минуттан һуң, һыу аҫтында ҡойонған Зөһрәнең күҙ йәштәре лә һыу менән бергә: “Һомғол буйың да, оҙон сәсең дә, сибәрлегең дә, тел йоторлоҡ итеп бешергән аштарың да, уҡыған аҡыллы китаптарың да, яратмаһалар, ярҙам итмәй икән. Ҡыҙ бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр тоғролоҡ, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ сифаттары менән бергә, хәйләләшә белергә лә өйрәтһендәр ине”, – тип тама ине... Рәзинә Зәйнетдинова фото т.роза Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Балсыҡ гүзәллекте һаҡлау өсөн киң ҡулланыла. Минералдар һәм микроэлементтарға бай булыуы менән тән тиреһен бер юлы туҡландырыу, дымландырыу, шымартыу сифатына эйә. Балсыҡ гүзәллекте һаҡлау өсөн киң ҡулланыла. Минералдар һәм микроэлементтарға бай булыуы менән тән тиреһен бер юлы туҡландырыу, дымландырыу, шымартыу сифатына эйә. Балсыҡтан битлек майлы тире өсөн айырыуса файҙалы. Елһенеү-ҡыҙарыуҙы, һытҡыларҙы бөтөрә. Ул биттең төҫөн тигеҙләй, ваҡ йыйырсыҡтарҙы кәметә. Бер ни тиклем пилингты алмаштыра, үле күҙәнәктәрҙән таҙарта, тирене файҙалы минералдар менән туҡландыра. Балсыҡты биткә, сәскә, бөтә тәнгә лә һыларға мөмкин, целлюлиттан да ҡулланалар. Тырнаҡтар, сәстәр нығына, ебәктәй йылҡылдап китә. Косметикала файҙаланылған балсыҡ төҫө һәм сифаты буйынса айырыла. Иң киң таралғаны, моғайын да, аҡ балсыҡтыр. Ул хатта балалар йыуыныу әйберҙәрендә, кремдарҙа ҡулланыла. Ҡиммәтле сараларҙы рекламалағанда ишеткән каолин – тап шул аҡ балсыҡ. Ел-ямғыр тәьҫиренә тиҙ бирешә торған артыҡ һиҙгер тире өсөн нәҡ ошо төрө килешә. Ул бит төҫөн матурлай, пигмент таптарынан таҙарта. Күк балсыҡ тирене минералдар һәм микроэлементтар менән туҡландыра, йомшарта, көс бирә, һытҡыларҙан ҡотолдора, ағарта, ваҡ йыйырсыҡтарҙы бөтөрә. Ул целлюлитҡа ҡаршы киң ҡулланыла. Сәсте яҡшы үҫтерә, ҡойолоуҙан туҡтауға булышлыҡ итә. Нормаль һәм ҡатнаш тире өсөн тәҡдим ителә. Ҡыҙыл балсыҡ та һиҙгер тиреле һылыуҡайҙар өсөн. Тиренең ҡыҙарыуын ала, һытҡыларҙан дауалай. Йәшел балсыҡ тирене таҙарта, киптерә, шуға ла уны майлы тире өсөн ҡулланыу отошло булыр. Сәстең ҡауағын бөтөрөүгә лә һәләтле. Алһыу балсыҡ тырнаҡты, сәсте нығытыуға булышлыҡ итә. Һары балсыҡ йыйырсыҡлы биткә тап килә, ул барыһынан нығыраҡ тиренән токсиндарҙы сығарыуға ярҙам итә, уны кислород менән байыта. Ҡоро тире өсөн дымландырыусы һоро балсыҡ тап килә. Ҡара балсыҡ файҙалы матдәләр менән туҡландыра, артыҡ майҙы «һура». Классик битлек өсөн 2-3 ҡалаҡ балсыҡҡа 3-4 ҡалаҡ һыу һалына. Быны металл һауытта эшләү кәрәкмәҫ. Балсыҡҡа һыу тулыһынса һеңеп бөткәс кенә бутайҙар, юғиһә төйөрләнеп йонсотор. Битлек эшләр алдынан тирене яҡшылап таҙартырға, макияжды йыуырға кәрәк. Биткә һылап, 5 – 15 минут ятып тороу яҡшы. Һуңынан йылымыс һыу менән йыуып төшөрәләр. Балсыҡтан битлекте йыш эшләү кәрәкмәй, аҙнаһына бер тапҡыр ҡулланыу тәҡдим ителә. *Пәйғәмбәр тырнағы, кейәү үләне, аҡ сәскәне бер үк миҡдарҙа алып, ҡайнар һыу һалып төнәтәбеҙ. Һыуынғас, һөҙәбеҙ. Аҡ балсыҡҡа ошо төнәтмәне ҡушып болғатабыҙ ҙа биткә һылайбыҙ. Был битлек һытҡыларҙан таҙарта, шешкән, елһенгән, ҡыҙарған тирене тынысландыра. *Күк балсыҡҡа томат һуты, әсегән һөт (барыһы ла бер үк миҡдарҙа алына) ҡушып болғатабыҙ. Биткә лә, ҡулға ла, тәнгә лә һыларға була. Ул ағартыу һәләтенә эйә. *Таҙартыусы битлек: ҡара балсыҡҡа бер үк күләмдә лимон һуты, пәйғәмбәр тырнағы төнәтмәһен ҡушып бутайҙар ҙа биткә яғалар. *Йыйырсыҡтарға ҡаршы: алһыу балсыҡҡа йылымыс һөт ҡушабыҙ, ҡаймаҡ хәленә еткәс, битлек эшләйбеҙ. *Туҡландырыусы битлек: 2 өлөш йәшел балсыҡҡа 1 өлөш һоло оно, 3 өлөш һыу ҡушыла. *Ҡоро тире өсөн: ҡыярҙы ҡырғыстан үткәреп, аҡ балсыҡ менән бутайҙар. Икеһе лә бер үк күләмдә алына. *3 балғалаҡ аҡ балсыҡҡа 3 ҡалаҡ һөт, 1 балғалаҡ йылытылған шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Был битлек шулай уҡ ҡоро тире өсөн яҡшы. *Майлы тире өсөн: 3 ҡалаҡ йәшел балсыҡҡа 3 балғалаҡ урман сәтләүеге (фундук) майы, 1 балғалаҡ газһыҙ минераль һыу ҡушалар. *2 ҡалаҡ аҡ балсыҡҡа 2 ҡалаҡ тальк ҡушалар, ҡаймаҡ хәленә етерлек итеп йылы һөт ҡоялар. Был битлек тә майлы тирегә тап килә. *Майлы тире өсөн тағы бер ысул: 1 ҡалаҡ аҡ балсыҡҡа 1 ҡалаҡ ваҡланған диңгеҙ кәбеҫтәһен, 2 ҡалаҡ бәпембә япрағы һутын, ҡаймаҡ ҡуйылығына етерлек итеп ҡайнап һыуынған һыу ҡушып, болғатырға ла 8 – 10 минутҡа биткә һыларға. *Нормаль тирегә битлек: 1 ҡалаҡ күк балсыҡҡа ҡаймаҡ хәленә еткәнсе һөт, 1 балғалаҡ бал, 1 балғалаҡ ҡаймаҡ һалып болғатабыҙ ҙа биткә һәм муйынға һылайбыҙ. *Сәскә маска: йәшел сәй, аҡ сәскә йә үҙегеҙгә килешкән башҡа үлән төнәтмәһе менән күк балсыҡты иҙеп, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткерергә лә сәс төбөнән осона тиклем, шулай уҡ баш тиреһенә һыларға. Буялмаһын өсөн шыптыр өҫтөнән таҫтамал урап, 20 – 30 минут тотҡандан һуң, йылы һыу менән йыуырға. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мәҡәләбеҙҙең геройы Ишморат Илбәков далаларының иркенлеге, ҡырҙарының киңлеге йырҙарҙа, шиғырҙарҙа маҡталған, көмөш шишмәләр сыңлаған Хәйбулла ерендә тыуып-үҫкән. Бала саҡтан ҡурайынан – серҙәшенән, моңдашынан айырылмай ул. Ғаилә йылы Йәмғиәттә бәләкәй генә һаналған Илбәковтар ғаиләһе өс ҙур шәхестән тора. Ғаилә башлығы Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков – халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, милли уйын ҡоралы – ҡурайыбыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән ижадсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсыларыбыҙҙың береһе. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Тормош иптәше Франгиза Финан ҡыҙы – күренекле телевидение һәм сәхнә режиссеры, шағирә булып та танылған, күп йырҙар, сценарийҙар авторы. Уларҙың ҡыҙҙары Зөлхизә – популяр йырсы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Республика конкурстары лауреаты. Уңыштары тарих биттәренә яҙыла Мәҡәләбеҙҙең геройы Ишморат Илбәков далаларының иркенлеге, ҡырҙарының киңлеге йырҙарҙа, шиғырҙарҙа маҡталған, көмөш шишмәләр сыңлаған Хәйбулла ерендә тыуып-үҫкән. Бала саҡтан ҡурайынан – серҙәшенән, моңдашынан айырылмай ул. Батыр холоҡло, намыҫлы, асыҡ күңелле егет тәбиғәт биргән һәләтен, талантын үҫтереү өсөн Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға керә. Ошонда уҡыған ваҡытта уҡ Ишморат Ришат Рәхимов етәкселегендә ҡурайсылар ансамбле менән Ленинград ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй конкурсынан лауреат булып ҡайта. Тынғыһыҙ тәбиғәтле, ярһыу хисле, йөрәгендә оло тормош дәрте йөрөткән, күп һәләттәргә эйә булған Хәйбулла егетенең ижад ҡомары көслө, бәҫе юғары, аҙымдары ырыҫлы була. Ишморат Илбәков Ҡаҙаҡстандың Алматы ҡалаһында Ҡорманғазы исемендәге Дәүләт консерваторияһын тамамлай. Уның студент йылдары яҙыусы Тайфур Сәғитовтың «Феномен» китабына, күренекле яҡташыбыҙ, фән эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы лауреаты Таңһылыу Ҡаймирасованың иҫтәлектәренә инеп ҡалған. «Беҙ ҡурайсы Ишморат Илбәков менән осраштыҡ һәм дуҫлаштыҡ. Ул башҡорт халҡының матур һәм һәләтле вәкиле, беҙ уны яратабыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ», – тип яҙҙы Таңһылыу апай. Күренекле режиссер Фәтих Ихсанов: «Нисә йылдар алтын приискаһында эшләп, ниһәйәт, бер ҙур самородок таптым», – тигән ул йылдарҙа. Ысынлап та, Ишморат Илбәковтың ижады Ф.Ихсанов, И.Сиражетдинов кеүек талантлы режиссерҙарҙың программаларында ҡояшҡа сығарылған алтындай сағыу баҙлап китте. Рәми Ғарипов шиғырҙарына таянып эшләнгән «Йөрәк хазинаһы», Рауил Бикбаевтың поэмаһы буйынса әҙерләнгән «Халҡыма хат», Розалия Солтангәрәеваның «Ер әсә» программалары менән Башҡортостандың бөтә төбәктәрен, Татарстан, Мәскәү, Силәбе, Ҡурған, Һарытау өлкәләренең тамашасыһын таң ҡалдырып йөрөй «Йәдкәр» ансамбленең ҡурайсы-солисы Ишморат Илбәков. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә милләттең йөҙө булып, хөкүмәт кимәлендәге форумдарҙа халыҡтың талантлы вәкиле булып республиканың данын башҡалабыҙ Мәскәүҙән башлап яҡын Азербайжан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Эстония, Польша, Германия, Голландия, Франция, Бельгия, Италия, Испания, Австрия, Люксембург, Португалия, Төркиә, алыҫ Ҡытай, Кувейт, Мысыр, Америка Ҡушма штаттарында ла бермә-бер арттырып йөрөүсе арҙаҡлы ҡурайсы ул. Ишморат Илбәковтың уңыштары, яңы эштәре республикабыҙ мәҙәниәте тарихы биттәренә яҙыла бара. Тынғы белмәҫ ижадсыны ҡуйған маҡсаттары алға әйҙәй – 2017 йылдың көҙөндә ул Бөтә Донъя конкурсында еңеүсе – 1 премия лауреаты булып ҡайтты! И. Илбәков хроматик ҡурай – Ишҡурайҙың авторы булараҡ та танылыу яуланы. Ә Ишҡурай 2020 йылда башҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк алтынсы Бөтә донъя Фольклориадаһында яңы музыка ҡоралы булараҡ презентацияланыу хоҡуғына эйә булды. РСФСР-ҙың халыҡ артисы, композитор Хөсәйен Әхмәтов «Йәшлек» гәзитенең 1991 йылда сыҡҡан 22-се июнь номерында: «Был йәһәттән ҡурайҙы хроматик ҡорал итеүсе Илбәковтың ҡыйыу башланғысын хупларға, был эшкә иркен юл асырға кәрәк. Әгәр ҙә барып сыҡһа, был баһа биргеһеҙ кәрәкле һәм тарихи эш», – тип яҙғайны. – Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытҡан осороғоҙ ҡурайсылар араһында легенда итеп һөйләнелә, Ишморат Ҡәйүм улы. Үҙегеҙгә генә хас уҡытыу алымдары булған икән. Ниндәй ине улар, нисегерәк уҡыта торғайнығыҙ? – Йырҙар, көйҙәр тарихын белеүҙән тыш ҡурайсының актерлыҡ һәләте, фантазияһы көслө булырға тейеш, сәхнәлә иркенлек, киңлек тойорға тейеш. Ошо иркенлекте тоя алмаған оялсан егеттәрҙе мин өҫтәл өҫтөнә йә шкаф башына мендереп баҫтыра инем. Бер музыка ҡоралында ла ҡурайсыларҙыҡы һымаҡ ! кәүҙәне ғорур тотоу юҡ... Уны хатта мәскәүлеләр ҙә абайлаған. «Поющий инструмент ишкурай тонко отражает полифонию музыки народов России, несёт мелодику стремительного развития истории, участником и певцом которого является Музыкант. В репертуаре Ишмурата Ильбакова, как в хороводе дружбы, звучат башкирская и русская, еврейская и казахская мелодии, попурри на мелодии народов мира, возвышаясь к западной классике и мировым хитам. Когда Ишмурат Ильбаков, перебирая пальцами лады, плавным движением соединяет дыхание души со звучным инструментом, весь его облик в красивом национальном одеянии покоряет обаянием и высоким музыкальным мастерством сердца зрителей многих стран мира», – тип яҙа ! Мәскәү ҡалаһынан күренекле кинорежиссер Вера Федорченко. Маһир ҡурайсы, йыраусы, көй-йырҙар ижад итеүсе Ишморат Илбәковҡа милли сәнғәтте үҫтереү юлында тағын да юғарыраҡ үрҙәр теләп ҡалабыҙ. Һәләттәренең төрлөлөгө хайран ҡалдыра Ишмораттың тормош иптәше Франгиза Финан ҡыҙы Илбәкова легендар батырыбыҙ Салауаттың ерендә, Юлай ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, һуңынан Әлкә урта мәктәбенә күсә һәм 1982 йылда уны уңышлы тамамлай Франгиза. Әҙәбиәтте, шиғриәтте үҙ иткән, бәләкәйҙән шиғыр яҙыу менән мауыҡҡан ҡыҙҙы 10-сы класты тамамлағас, тыуған мәктәбенә өлкән пионервожатая вазифаһына эшкә алалар. Бер йыл эшләү ваҡытында ла ул мәктәбен район, төбәк-ара үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында еңеүселәр, пионер слеттарында алдынғылар рәтенә баҫтыра. Һәләтле ҡыҙ Өфө сәнғәт институтының театр факультетына, актерҙар бүлегенә уҡырға керә. Башҡорт дәүләт академия драма театрының ул ваҡыттағы баш режиссеры Рәфҡәт Вәкил улы Исрафилов класында уҡый. Икенсе курстан уҡ театр сәхнәһендә мәшһүр артистар Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Хәй Фәхриев, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, уҡытыусылары Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәковалар менән бергә спектаклдәрҙә уйнай башлай, уға театр режиссерҙары бәләкәй һәм ҙур ролдәрҙе ышанып тапшыра. Ленинград, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларында, республиканың ҡала-райондарында театр коллективы менән ҙур гастролдәрҙә лә булып өлгөрә талантлы студентка. 1987 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында, «Йәдкәр» фольклор ансамблендә нәфис һүҙ оҫтаһы булып эшләй башлай Франгиза. Суверенитет, тел өсөн көрәш барған осорҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Fариповтың әҫәрҙәре буйынса «Халҡым хазинаһы» программаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» шиғыры буйынса ҡуйылған әҙәби-музыкаль программа менән республиканың һәр бәләкәй һәм ҙур ауылын, бөтә ҡалаларын йөрөп сыға, шулай уҡ шағир һүҙен күрше Ырымбур, Силәбе, Һарытау өлкәләре, Мәскәү халҡына еткереүҙә ҙур өлөш индерә. Кавказда политик көсөргәнешлек ваҡытында «Йәдкәр» фольклор ансамбле менән Таулы Карабах ерендә, Баку ҡалаһында үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ансамбль был фестивалдә! лауреат исемен яулай. 1992–1996 йылдарҙа Франгиза Илбәковаға «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тарафынан ойошторолған, Мәскәү телевидение хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институтында «Нәфис телевидение режиссураһы» бүлегендә икенсе юғары махсус белем алыу бәхете тейә. – «Останкино» телеүҙәгендә практика үтеп, диплом эштәре төшөрөп, «Башҡортостан» ДТРК–һына режиссер булып эшкә ҡайттым, – тип хәтерләй Франгиза. – Телевидение режиссураһы серҙәрен өйрәтеүсе уҡытыусым Сергей Сергей улы Евлахишвили, курс етәксеһе танылған режиссер Әнүәр Әбүбәкер улы Нурмөхәмәтовҡа һәм башҡа коллегаларыма рәхмәтлемен. Башҡортостан дәүләт телевидениеһының «Тамаша» ижад берекмәһендә ең һыҙғанып эшләй йәш белгес. «Ҡуласа», «Дарман», «Йома» тапшырыуҙарында режиссер булып китә. «Алҡыштар», «Автограф» нәфис тапшырыуҙарының сифатын күтәреү өсөн ҙур көс һала. Күренекле телевидение журналистары Шәүрә Fилманова, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, ул ваҡытта телевидениела ижад иткән Тамара Искәндәриә, Таңһылыу Ҡарамышева, Тәнзилә Дәүләтбирҙиналар менән берлектә мәшһүр шәхестәребеҙ Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Яныбай Хамматовтар менән аралашып, уларҙың ижади портреттарына фильмдар, тапшырыуҙар эшләй. Бөйөк яҡташы Рәми Ғарипов, Муса Fәли, Кәтибә Кинйәбулатова, Әмир Әминев, Булат Рафиҡов, Гөлфиә Юнысова, Тамара Ғәниева, Роберт Байымов, Рауил Бикбаев, Ғәзим Шафиков, Йомабикә Ильясова, Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Ринат Камал, Рауил Шаммас, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Таңсулпан Fарипова, Лариса Абдуллина, Fилман Ишкинин, Лена Сирусина һәм тиҫтәләгән Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының ижадын экранға сығара. Факиһа Туғыҙбаева һәм Марат Кәримовтарҙың ижадына арналған, шиғыр-клиптарҙан торған поэтик фильмдар, Суфиян Паварисов ижадын һәм тормошон сағылдырған документаль әҫәр – Бөтә Рәсәй кимәлендә тартынмай күрһәтерлек ижад емештәре. Был режиссерҙың үҙенә генә хас айырым стилдә эшләүе коллегалары һәм юғары кимәлдәге телевидение белгестәре тарафынан юғары баһаланып, «Мөхәббәттең дүрт миҙгеле» исемле шиғри фильмы өсөн (сценарий авторы ла үҙе) «Ер һәм кешеләр» («Земля и люди») региональ телевидениелар бәйгеһендә Гран-при менән бүләкләнә. Режиссерҙың ижадында бөйөк шәхесебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тормошона һәм ижадына арналған «Илгиҙәр» исемле телевизион фильм да бар. Был фильм белгестәр һәм республика етәкселәре тарафынан да бик хуплап ҡабул ителде һәм ҙур баһа алды. Ғайса Хөсәйенов, Розалия Солтангәрәева, Борис Краснов, Тәлғәт Шәрипов, Илшат Йомағолов, Николай Калинушкин, Флорид Бүләков, Сөләймән Латыпов, Гөлдәр Ильясова, Роза Сәхәүетдинова, Ләйлә Исмәғилева, Рәил Кучуков, Зәйтүнә Ғәзизова һәм бихисап ғалимдар, театр әһелдәре, рәссамдар, сәнғәт оҫталары тураһында, ғөмүмән биш йөҙләп тапшырыуы телевидениеның алтын фондына ингән. «Башҡортостан ДТРК»-да авторҙар Рита Өмөтбаева, Рәйсә Абдуллина, Хәбирә Хәмиҙуллина, Ләйлә Аралбаева, Миләүшә Иҙрисовалар менән тағын да бик күп сәйәси-мәҙәни тапшырыуҙар ижад итә ул: «Манара» дини тапшырыуы, «Айгөл иле» тележурналы, «Аҡ тирәк – күк тирәк» программаһы, «Арҡайым» интеллектуаль клубы, «Инсан» тапшырыуҙар циклы – талантлы режиссерҙың ижади эштәре. Бигрәк тә айырым бер тетрәндергес тойғо менән йәшләй вафат булған шағирҙар Ғәбиҙулла, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Зарема Әхмәтйәнова, Фәүзиә Юлдашбаева һәм башҡа күп ижадсыларға арналған «Нәҙер» тапшырыуҙар циклы өҫтөндә эшләй ул. Күҙ йәше һәм йылмайыу аша, әсенеү һәм һоҡланыу тойғоһо менән ижад ителгән был тапшырыуҙар айырым иғтибарға лайыҡ. «Музыка» ижад берекмәһендә эшләү осоронда, ғөмүмән телевидениела ул ваҡытта яңы йүнәлеш булып торған режиссер-клипмейкер сифатында күп музыкаль клиптар төшөрә Илбәкова. Йыр текстары буйынса сценарийҙар яҙып, йырҙарҙы бәләкәй генә драматургик материалға әйләндерә оҫта режиссер. Франгизә Илбәкованың ғәжәпләндергән тағын бер яғы – уның һәләттәренең төрлөлөгө. Специфик яҡтан башҡасараҡ булһа ла, уға режиссер һәм сценарист булараҡ концерт программалары, юбилей кисәләре, йәштәр өсөн оригиналь проекттар эшләү берҙәй еңел бирелә һәм үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора. Тиҫтәләгән йырҙар авторы булараҡ та Франгизә Финан ҡыҙы (Фирангиза) республикала киң билдәле. Данлыҡлы композитор Салауат Низаметдинов менән ижад иткән «Тәүбә иттем», «Тик мин кире боролмаҫмын», «Ел-дауылдар яфалай», «Заман ҡыҙы», «Карауанһарай» йырҙары иғтибарға лайыҡ. Популяр композитор Ришат Сәғитов менән «Башҡортостан» радиоһы һәм телевидениеһында оҙаҡ йылдар һәм һаман да популяр булған «Күрше малай», «Яратаммы», «Ят усаҡта», «Казино» һәм башҡа йырҙарҙы ижад итә ул, шулай уҡ композиторҙар Артур Туҡтағолов, Юрий Шитов, тормош иптәше Ишморат Илбәков, Ғәлинур Юламанов менән эшләй, күренекле йырсылар Әлфиә Юлсурина, Сәғиҙулла Байегет, Лилиә Ишемйәрова, Сәйҙә Ильясова, Минзифа Исҡужина, Әлфиә Әхмәтйәнова, Вилдан Яруллин, «Карауанһарай» төркөмө, йәш популяр йырсы, һәүәҫкәр композитор, ҡыҙы Зөлхизә Илбәкова өсөн йыр текстары яҙа. Мәскәү ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән осоронда Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы Вәкиллегендә сценарий авторы һәм режиссер булараҡ ветерандар өсөн концерттар, кисәләр ойоштора. «Культура» каналы төшөргән күренекле автор Алла Сегалованың фильмында консультант була, башҡорт милли кейемдәре буйынса белгес булараҡ ҡатнаша, халыҡ-ара конференцияларҙа башҡорт милли сәнғәте буйынса сығыштар яһай, Мәскәү ҡала социаль рекламалар бәйгеһендә автор булараҡ, еңеүҙәр яулай. Төрлө хәйриә акцияларында ла ҡатнашырға ваҡыт таба башҡорт халҡының тырыш ҡыҙы. Ике йыл рәттән мәсет төҙөүгә бағышланған «Иман нуры – халҡыма» хәйриә концертының режиссеры булараҡ та оло ярҙам күрһәтте. «Сәнғәт кешеләре» хәйриә фонды эшмәкәрлегендә лә әүҙем эшләй. Фрагиза Илбәкова автор һәм режиссер сифатында, мәҙәни саралар, яҙыусыларҙың, йырсыларҙың юбилей кисәләрен үткәрә, ғөмүмән, республикабыҙҙың тел һәм йыр, телевидение сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һала. «Башҡортостан» юлдаш телевидениеның нәфис тапшырыуҙар бүлегендә автор һәм режиссер булып уңышлы эшләй мәҡәләбеҙҙең героиняһы. «Автограф», «Замандаш» тапшырыуҙарын сығара, концерттар, юбилей кисәләрен яҙып, күрһәтә. Әлеге көндә «Музыка» ижад берекмәһенең бүлек начальнигы. Республикала күренекле, талантлы ғаиләнең нисек барлыҡҡа килеүе журнал уҡыусыларға ҡыҙыҡтыр, тигән уй менән Франгизагә һорау бирмәй булдыра алманым. – Тормош иптәшегеҙ Ишморат менән ҡайһы ваҡытта, ниндәй шарттарҙа таныштығыҙ? – Оҫта итеп ҡурай уйнай белеү өҫтөнә, Ишмораттың профессиональ кимәлдә йырларға өйрәнеү теләге уны Өфө сәнғәт институтының вокал бүлегенә алып килгән, – тип һөйләй Франгиза. – Мин актерҙар әҙерләү бүлегендә уҡый инем бит инде. Сентябрь айҙарында студенттарҙан агитбригада төҙөп, Ҡараиҙел яғына ебәрҙеләр беҙҙе. Юлда барғанда оло ғына йәштәге инәйҙәрҙе ултыртып алдыҡ. Ишморат улар менән бик ихласлап, матур итеп һөйләшеп бара. «Ниндәй алсаҡ, саф күңелле егет», – тип уйлап ҡуйҙым. Бер нисә көндән минең тыуған көнөм етте. Ҡыҙҙар йәшәгән бүлмәгә кереп, мендәр аҫтына кемдер «Милой женщине» тип аталған хушбуй һалған шул көндә. «Кем миңә бындай бүләк алды икән?», – тип баш ватам. «Егеттәр, ҡайһығыҙ миңә ундай бүләк алырға баҙнат итте?» – тим. «Мин алғайным, ниңә, оҡшамаймы ни?» – тип, ҡаушап китте Ишморат. «Мин һиңә ниндәй «женщина» булайым», алып кит бүләгеңде», – тим, асыуланып. Һуңғараҡ, емеш-еләк һала торған ваза тотоп кергән егет. Шунан дуҫлашып, етәкләшеп йөрөй башланыҡ. Бер йыл үткәс, сентябрьҙә Хәйбуллаға алып ҡайтып китте. Никах уҡытып, туй үткәреп, шулай йәшәй башланыҡ. Тағын бер йылдан, сентябрьҙә Зөлхизәбеҙ тыуҙы. Тағы бер талант эйәһе хаҡында Шундай ҙа сағыу, талантлы ике шәхес ҡорған ғаиләлә һәләтле бала тыуыуы ғәжәпләнерлек хәл түгел инде. Зөлхизә бәләкәйҙән үк «Башҡортостан» ДТРК-ның «Тамыр» студияһы тапшырыуҙарын алып бара. Һуңынан композитор, күп йырҙар авторы, танылған йырсы – эстрада йондоҙона әүерелә. Өфө дәүләт сәнғәт Академияһын тамамлап, күп һанлы республика һәм Халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, «Юрмала – Новая волна» халыҡ-ара конкурсының Рәсәйҙән үткән 55 кенә ярымфиналистарының береһе ул Зөлхизә Илбәкова. Талантлы артистка әлеге ваҡытта тормош иптәше Игорь (мосолман исеме – Ғайса) менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй, ижад итә. Унда ла һынатмаҫ башҡорт халҡының моңло, рухлы ҡыҙы. Уңыштар ғына юлдаш булһын уға! Рената ХӘБИРОВА әҙерләне Читайте нас в "ТАМАША" Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының сайты. Сайт Республиканского журнала культуры и искусства "ТАМАША". Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан". Зарегистрирован Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций 5 ноября 2015 года. Свидетельство о регистрации ПИ № ТУ02-01477
Йыл башынан алып бөтә Ер шары халҡын тетрәтеп килгән KOVID-19 тип аталған сир донъялағы әллә күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы инде. Йәйгә ҡарай бер аҙ ғына шиңгән һымаҡ булһа ла, әлеге ваҡыт көндән-көн күбәйә барғанын ишетәбеҙ. Күп кенә ил был йоғошло ауырыуҙың “икенсе тулҡыны” хаҡында ла һөйләй башланы. Әҙәм балаһы һәр нәмәгә күнегеүсән. Баштараҡ Ҡытайҙа йә Америка Ҡушма штаттарында көнөнә фәләнсә кеше шул сирҙән үлгәнлеге хаҡында ишетеп, аптырай инек. Ә хәҙер шундай статистика һандарына иғтибар ҙа итмәйбеҙ тиерлек. “Мәскәүҙә бөгөн – 21, ә Рәсәйҙә 160 кеше үлгән” тигән хәбәрҙе беҙ “фәләнсә кеше донъяға килгән” тигән һымағыраҡ ҡына ҡабул итә башланыҡ. Тик берәй танышың йәки туғаның сирләп китә йә үлеп ҡалды икән, шул саҡта ғына был афәттең ифрат та яҡын йөрөгәнлеге хаҡында уйлана башлайһың. Хөкүмәтебеҙ яҙын ныҡ ҡына сикләү режимы индергәйне. Күптәребеҙ уны үтәп тә йөрөнөк. Бәлки, ана шуға күрәлер ҙә, Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән, беҙҙә был инфекцияның башҡа илдәрҙәге һымаҡ уҡ киң таралыуына юл ҡуйылмағандыр. Көҙ килеү менән, кешеләр “йәйләү”ҙәрҙән ҡайта башланы, балалар мәктәптә йыйылыша, эш кешеләренең йәйге ял ваҡыттары үтеп, эшкә сыҡтылар. Коронавирус йоҡтороусылар һаны ҡабаттан арта башлауы тағы ла уйландыра… Уйланып ҡына тик ултырыуҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡлығын һәммәбеҙ белә. Инфекцияға ҡаршы көрәштә тик табиптарҙан ғына түгел, ә барыбыҙҙан да тырышлыҡ талап ителә. Эшкә, уҡыу йорттарына, мәктәпкә йө­рөүҙе туҡтатыу бик оло проблема булыуы билдәле. Төрлө пред­прия­тиеның эшмәкәрлеген бер аҙ ғына ваҡытҡа сикләгән өсөн дә илебеҙҙә сәнәғәт үҫешенең аҡһай башлауын барыбыҙ ҙа тойҙоҡ. Шуға күрә хөкүмәтебеҙ ҙә бөгөн был хаҡта әллә ни һүҙ ҡуҙғатмай. Быны һәммәбеҙ аң­лай. Әлеге мәлдә дауаханаларҙа ауырыуҙарҙы планлы дауалау эштәренең дә ҡабаттан аяҡҡа баҫтырылыуы вирустың бөтөп барыуы һөҙөмтәһендә түгел икән­леге көн кеүек асыҡ. Бөгөн дә һәммәбеҙгә сир йоҡтороу ҡур­ҡынысы яҙ осорондағы һымаҡ уҡ янап торғанлығы хаҡында оно­торға ярамай, тимәксемен. Шуға күрә лә әле булһа һәр йәмәғәт урынында битлек режимы һаҡ­ланып килеүен дә тейешенсә ҡабул итергә тейешбеҙ. Мине, хөрмәтле мил­ләттәштәрем, тағы бер һорау борсой: ни өсөн ауыл­дарҙа, ҡалаларҙа ла күп кенә милләттәшебеҙ һаман булһа халыҡ йыйып, ҡунаҡ-мунаҡ, шу­лай уҡ төрлө аят мәжлесе үткә­реүен ҡуймай? Туғанлыҡ бәйлә­нештәрен һаҡлау, яҡындар менән аралашыу, динебеҙ буйынса ғилем алыу маҡсатында мәҙрә­сәлә уҡып сыҡҡан белемле имам­ды саҡырып, ул һөйләгән вәғәз­дәрҙе тыңлап, ул уҡыған Ҡөрьән аяттарын өйрәнеү өсөн йыйылыу, һис һүҙһеҙ, файҙалы һәм сауаплы. Әммә пандемия осоронда бына шундай йыйындарҙы туҡ­татып торғандан да бер ни ҙә юҡ. Яҡының вафат була икән, туғандар йыйылышып, уны һуңғы юлға оҙатыу тигән нәмәне, әлбиттә, урап үтеп булмай. Ә бына яҡыныңды ер­ләгәндән һуң тағы өсөнә, етеһенә, ҡырҡына, йыллығына (хатта ҡайһы бе­рәүҙәрҙең илле беренсе көнөнә лә!) йыйылышып ултырыу әлеге сирҙең артабан да шәпләп таралыуына булышлыҡ итеүе көн кеүек асыҡ! Бындай йыйындар динебеҙҙә мотлаҡ ҡушылған ғәмәлдәр булһа – бер хәл. Иң ҙур үкенес шунда: милләттәш­тә­ребеҙ үҙҙәренең мө­ҡәддәс бурысы тип һанаған бына шундай “поминка”ларҙың, йәғни кеше үлгәндән һуң аныҡ көндәрҙә мәжлес ҡороуҙың динебеҙ ҡа­нундарында (Ҡөрьәндә лә, бәй­ғәмбәр сөннәтендә лә) бө­төнләй юҡлығы хаҡында бел­мәүселәр күп. Быларҙың барыһы ла бәйғәм­бәребеҙ ғәләйһис-сәләм вафатынан һуң бер нисә йөҙ йыл үткәс кенә кешеләр тарафынан уйлап сы­ғарылып, дингә өҫтәп индерелгән йолалар икәнлеген бе­леү кәрәк. Яңы йорт һалып сыҡҡас, әлегесә йыйылышып, өйгә аят уҡытыу, өйгә аҙан ҡысҡыртыу тип аталған мәж­лестәр ҙә шулар рәтенә инә. Ә бына әруахтарыбыҙ өсөн Ал­лаһы Тәғәләгә доға ҡылыу, улар исеменән мохтаж булған кеше­ләргә саҙаҡа биреү бәйғәм­бәребеҙ тарафынан бойо­ролған ғә­мәлдәр, әммә уның өсөн дә, йыйылышып ултырығыҙ, тип әйтмәгән Алла илсеһе. Мәрхүм ата-әсәңә Ахирәттә яҡшы булһын тиһәң – өйөңдә генә ултырып, улар­ҙың тереклектә ҡылған гонаһтарын ярлыҡауын Аллаһы Тәғәләнән һора (көн һайын булһа ла). Мәрхүмдәрҙең йә үҙеңдең исемеңдән саҙаҡа бирергә уй­лайһың икән, бит­легеңде генә кейә һалып, яҡын­дағы мәсеттең йәшнигенә алып барып төшөр йәиһә берәй мохтаж мосолман кешеһенә тоттороп кит. Алла барыһын да күреүсән бит. Әлеге коронавирус афәтенән ҡото­лоуҙы ла Раб­быбыҙҙың Үҙе­нән генә һорайыҡ. Ошо хаҡта һөйләй башлаһаң, һине ишетергә лә теләмәгәндәр күп. Үкенескә күрә, үҙебеҙгә үҙебеҙ ғәҙел­һеҙлек ҡылып, бына шундай тормош алып барабыҙ, ҡәҙерле мил­ләт­тәштәрем. Үлемесле сир яны­быҙҙа ғына йөрөп ятҡан ваҡытта үҙебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуй­майыҡсы, тимәк­семен. Ғәҙәт­тә, ана шул мәжлестәргә тап оло йәш­тәгеләр йыйылыусан бит. Әлеге “тажлы” вирус та оло кешеләрҙе айырыуса “ярата” икәнлеген һәм­мәбеҙ ҙә беләлер, моғайын. Ҡунаҡта ултырған кешеләр битлекһеҙ һәм бер-береһе менән яҡын аралаша. Шундағы егермеләгән кеше ара­һында бер генә сирле әҙәм булһа ла, барыһына ла ауырыу йоғоу ҡурҡынысы бар. Хәте­регеҙ­ҙәлер, яҙ көндәре хатта ирҙәр өсөн фарыз (мотлаҡ) тип ҡу­шылған йома намаҙына мәсеттә йыйылыуҙы ла ҡуйып торҙоҡ! Һәр мосолман йома намаҙы урынына үҙ өйөндә өйлә намаҙы уҡыу менән генә сикләнде. Бына шундай ҡурҡыныс янап тороуына ҡарамаҫтан, әле бында, әле тегендә кешеләрҙең йыш ҡына йыйылышып ултырғанлығы ха­ҡында ишетәһең. Шулай уҡ һәр төрлө тыуған көндө билдәләүҙе, туй-фәләндәрҙе лә туҡтатып торорға кәрәк. Туйһыҙ ҙа һин дә мин йәшәп алып китергә һәм уны күпмелер ваҡыттан һуң да үткәрергә була. Ана бит, йыл башында ошо мәсьәлә мил­лиардлаған халыҡлы Ҡытай илендә ҡандай киҫкен тора ине. Нисек кенә ауыр булһа ла, улар үҙ хөкүмәте ҡуйған сикләүҙәр режимын тотҡас, хәҙер ул илдә бындай сир юҡ кимәлендә! Буш менән булмайыҡ әле, ҡәҙерле туғандар. Бигүк ғәҙәти булмаған был мәҡәләмде бәғзе­ләрҙең оҡшатып етмәүен дә күҙаллайым. Әммә минең өсөн ҡәҙерле милләттәштәрем йәл. Йәндәй күргән балаларыңдың, балдан татлы ейән-ейәнсәрҙәреңдең үҫе­үен, уларҙың шат уй­на­ғандарын күреп, һөйөнөп ғүмер итә башлаған мәлдә генә, үҙең­дең тыңлау­һыҙлығың арҡаһында кинәт кенә сиргә һабышып, был донъяны ташлап китеүе ҡыҙғаныс бит. Ғәҙәттә, сирлеләр реанимация бүлегендә үлә, шунлыҡтан һуңғы минутыңда яныңда ауы­ҙыңа һыу тамыҙып ултырыусы яҡындарыңдың була алмауы ла үкенесле. Кәрәкмәгән шундай йыйындарҙан тыйылайыҡсы! Ал­лаһы Тәғәлә һәммәбеҙҙе ошо афәттән имен ҡылһын. Амин. Яңылыҡ авторы: Х. Ғәлиәхмәтов. Йәшлек гәзите сайтынан алынды Фото: Олег Яровиков Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өфө ҡала хакимиәте ЮХХДИ менән берлектә 1 июндән 15 июлгә тиклем "Хәүефһеҙ юл. Йәй.2.0" акцияһын үткәрә. Сара барышында юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүенә ҡағылышлы "Йәш йәйәүле", "Йәш велосипедсы" тигән профилактик рейдтар ойоштораласаҡ. Уҡыусылар өсөн онлайн форматта конкурстар үтәсәк. "Минең яңы юл билдәһе" тигәнендә үҙең ижад иткән әҫәрҙе башҡарырға кәрәк. Балалар асфальтҡа һүрәт төшөрөү челлендж-марафонында, "Беҙ юл хәүефһеҙлеге өсөн" квест-уйынында ҡатнаша аласаҡ. Бөтә водитель, йәйәүле, пассажирҙар, ата-әсәләр социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған "Велоактив" тигән флешмоб һәм "Колесо удачи" видеороликтар конкурсында ҡатнашырға саҡырыла. Бының өсөн велосипедта йөрөгәндә нисек хәүефһеҙлек сараларын күреүегеҙ, велосипедтың Рәсәйҙә һәм донъяла килеп сығыу тарихын, уның төҙөлөшө, нисек яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар ҡулланып, бүтәндәргә өлгө күрһәтеүегеҙ тураһында һөйләгеҙ. #БезопасныйпутьЛето2.0 хештегы ҡуйырға ла онотмағыҙ. Иң күп лайыҡ йыйған шәп видео һәм яҙмалар авторҙары 10 июлдә акцияның район этаптарын йомғаҡлау сараларында ҡатнашасаҡ, ә 17 июндә Өфө ҡала хакимиәтендә үтәсәк тантанала бүләкләнәсәк. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
“АвтоМир” магазины директоры, шәхси эшҡыуар Ватолин Ю. С. клиенттарын һәм барлыҡ водителдәрҙе автомобилселәр көнө менән ҡотлай. Машинағыҙ һәр ваҡыт йөрөһөн, тормошоғоҙҙағы боролоштар гел яҡшы яҡҡа ғына булһын. Руль артында ышаныс, сәфәрҙәрегеҙҙә, теләһә ҡайһы юлда уңыштар ғына теләйбеҙ. Хәйерле булһын юлдар,Теләйбеҙ тик һаулыҡтар.Юлдаш булһын уңыштар,Осрамаһын кәртәләр! “АвтоМир” өс йылдан ашыу автозапчастар баҙарында эшләй. Ул – ҡулайлы хаҡтар менән сифатлы изделиелар һәм клиенттарҙы һөнәри кимәлдә хеҙмәтләндереүсе магазин. Магазин ассортиментында: деталдәр, майлау һәм сығым материалдары, шыйыҡсалар һәм башҡа автотауарҙар. “АвтоМир” – Рәсәй автодеталдәр һәм аккумуляторҙар етештереүселәренең рәсми вәкиле. Автомобиль аккумуляторҙарына 3 йыл завод гарантияһы бирелә. Бынан тыш, бында һеҙ һатыуҙа булмаған теләһә ҡайһы автодеталгә заказ бирә алаһығыҙ. Магазин уңайлы ерҙә – Беренсе май һәм Память Коммуны урамдары сатында урынлаш-ҡан, 10 машинаға туҡтар өсөн урын бар. Һеҙҙе түбәндәге адрес буйынса күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Беренсе май урамы, 13а. Тел. 8 (34770) 2-04-00. Эш режимы: 9.00 – 18.00 сәғ., тәнәфес – 13.00-дән 14.00-гә тиклем (дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр); 9.00 – 17.00 – тәнәфес-һеҙ (шәмбе көндәрендә).
Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанға Керәшен һыуығы килә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 18 ғинуарҙа, һәм шишәмбе, 19 ғинуарҙа, төндә һауа температураһы -20,-25, ә урыны менән -27,-32 градусҡа тиклем түбәнәйә. Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанға Керәшен һыуығы килә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 18 ғинуарҙа, һәм шишәмбе, 19 ғинуарҙа, төндә һауа температураһы -20,-25, ә урыны менән -27,-32 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ошо ял көндәрендә,16 ғинуарҙа, күпселек райондарҙа ҡар, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, урыны менән елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Һауа температураһы көндөҙ -2,-7 градус була. 17 ғинуарҙа төньяҡ киңлектәрҙән һалҡын үтеп инә башлай. Кискә һауа температураһы -13,-18 градусҡаса түбәнәйә. Бер аҙ ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ һаҡлана. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Нөгөш ауыл биләмәһендә ҙур байрам үтте. Ауыл клубына халыҡ күпләп йыйылды. Бында Урал батыр байрамы ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы шағирә, Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Мәләүез таңдары» әҙәби ойошмаһы рәйесе Мәрйәм Күсмәева, Нөгөш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С. Ғимранов, Нөгөш мәктәбе директоры Г. Ғәббәсова, Урал батыр проектының авторы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, филология фәндәре докторы, күренекле ғалимә Розалия Солтангәрәевалар сәләмләне. Был сарала төрлө йолалар күрһәтелде, шулай уҡ тамашасыларға Урал батырға бағышлап уҙғарылған йәш батырҙарҙың ҡарҙа сығыш яһауы оҡшаны. Р. Әбсәләмов уҡтан атырға өйрәтте, теләгән кеше арҡан, таяҡ тартыуҙа, көршәк ватыуҙа әүҙем ҡатнашты. Яңғыраған ҡурай моңдары күңелдәргә дәрт өҫтәне. Һуңынан сара акттар залында дауам итте. Бында Урал батыр эпосы уҡылды. Клубтың фойеһында З. Зайцеваның «Тәбиғәт эҙҙәре буйлап» тип аталған күргәҙмәһе урын алғайны. Ғалимә Розалия Солтангәрәева эпостың тарихын һәм уның башҡорт халҡының тормошондағы әһәмиәтен һөйләне. Ҡарты ла, йәше лә Урал батыр эпосының өҙөгөн яттан һөйләне һәм иҫтәлеккә ҡулъяулыҡ, бүләктәр алды. Был сара яҡын-тирәләге ауыл халҡын, уҡыусыларҙы, етәкселәрҙе берләштерҙе. Сәхнәлә Һыртлан ауылынан «Аҡйондоҙ», Аптраҡтан - «Аҫылташ», Мәләүездән - Ф. Яманаев, З. Шеровалар сығыш яһаны.