text
stringlengths
433
77.6k
Сәйетбаба мәктәбе алдында Ж.Ғ.Кейекбаевҡа бюст ҡуйылды, тиҙҙән ғалимдың йорт-музейында ла бюст асыласаҡ Сәйетбаба ауылында тел белгесе, төркиәтсе, полиглот, филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы, яҙыусы, шағир, ҡобайырсы, йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевҡа бюст асыу тантанаһы үтте. Һәйкәл уның исемен йөрөткән Сәйетбаба урта мәктәбе алдында урын алды. Тантаналы сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова асып ебәреп, тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте, байрам менән ҡотлап, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сынғыҙовтың Рәхмәт хаттарын Жәлил Кейекбаевтың бюсын эшләтеүсе Әхмәт Әсҡәт улы Хәбибуллинға һәм бюстың авторы, скульптор Мәүлетбай Рамаҙан улы Хәлиловҡа тапшырҙы. Һәйкәлде асыу байрамында ҡатнашыусыларҙы район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов ҡотлап, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов рухиәтебеҙ күгендә сағыу йондоҙ булып балҡып, халыҡ хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхесебеҙ Жәлил Кейекбаев тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. «Жәлил Кейекбаевтың фәнни эшмәкәрлегенең киң һәм тәрән булыуы беҙгә яҡшы билдәле. Бик күптәр Жәлил Ғиниәт улын үҙенең остазы, уҡытыусыһы тип атай. Уның тәрбиә мәктәбен үткән кешеләр белеме менән генә түгел, юғары мәҙәниәтле, ябай, теүәл шәхестәр булыуы менән дә айырыла һәм, әлбиттә, филология фәне үҫешенә тос өлөш индерә», – тип билдәләп үтте Башҡортостандың билдәле шәхесе, яҙыусы Әмир Әминев һәм ауыл халҡын байрам менән ихлас ҡотланы. Башҡорт тел ғилемендә киң билдәле фән әһеле, талантлы яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың ғилми-теоретик һәм әҙәби мираҫы тотош донъя филологияһында айырым урын биләй. Жәлил Кейекбаев йорт-музейы тарафынан әҙерләнгән күргәҙмәлә яҙыусы, ғалим, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ҡулъяҙмалары, әҙәби әҫәрҙәре, ғилми хеҙмәттәре урын алған ине. Музей етәксеһе Римма Камил ҡыҙы Ишмырҙина Башҡорт дәүләт университетына башҡорт телен фән кимәленә күтәргән ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың исемен биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Республикаһы көнө һәм Сәйетбаба ауылы көнө менән ауылдаштарын Сәйетбаба ауылы хакимиәте башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин менән мәктәп директоры Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизова тәбрикләне. Мәртәбәле сарала уҡытыусы-ветерандар, ауылдың ағинәйе менән аҡһаҡалы – Сәлимә Шөғәйеп ҡыҙы Исламоваға һәм Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтовҡа Сәйетбаба ауылының Почетлы граждандары исемдәре бирелде. «Урал» көйө аҫтында ал таҫма киҫелде, бюст асылды, килгән ҡунаҡтар һәйкәл алдына сәскәләр һалды, ғалим тураһында иҫтәлектәр, хәтирәләр менән бүлеште. Мәктәп уҡыусылары Ж.Ғ.Кейекбаевтың шиғырҙарын, аманат итеп әйтелгән ҡобайырҙарын һөйләне, һәүәҫкәр артистар концерт күрһәтте. Жәлил Ғиниәт улының һыны белем усағын йәмләп ебәрҙе. Изге эш урындағы халыҡтың тырышлығы менән башҡарылһа ла, Сәйетбабала үткән сара ауылдаштар өсөн генә түгел, тотош халҡыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Быуындан-быуынға аҫыл хазина итеп тапшырыла торған, заман елдәре лә ала алмай, ғүмер үтһә лә юғалмай торған, кешелек тарихы өсөн бик ҡәҙерле булған ҡиммәттәр бар. Ул ҡиммәтле хазина – кеше хеҙмәте. Үҙ заманында халыҡ араһында йөрөп, бихисап әкиәттәр, ҡобайырҙар, шиғырҙар, роман ижад итеп, киләсәк быуындарға еткереү өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт башҡарған Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың үҙенә бөгөн халҡы һәйкәл ҡуйҙы. Ғалимдың вафатына илле йылдан ашыу ғүмер уҙһа ла, тыуған яғында ла, республикала ла уның рухи йәдкәре йәшәй һәм йәшәйәсәк. Римма Ишмырҙина, филология фәндәре кандидаты, Жәлил Кейекбаев йорт-музейы директоры. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Тимашевка ауылында тыуып үҫкән Людмила Берестова ҡасандыр педагогия институтына конкурс буйынса үтә алмауын йылмайып хәтергә ала. - Быға һис тә үкенмәйем, ғаиләм кеүек яҡын коллективҡа килеп индем, предприятиебыҙ етештергән әйберҙәрҙе яратып кейгән кешеләрҙе күреп һөйөнәм, - ти хәҙер 39 йыл Ишембай ойоҡ фабрикаһында тырышыусы Людмила Николаевна. Тырышлыҡ, уңғанлыҡ үҙенекен итә – хәҙер тәжрибәле тегенсе, предприятие ветераны үҙе бер нисә быуын йәштәрҙе өйрәтә. Хаҡлы ялға сығырға ваҡыты етһә лә, етәкселек уның китмәй тороуын һораған. – Әгәр ҙә минең белемдәрем, тәжрибәм туған коллективыма кәрәк икән, ял итергә һуңғараҡ та өлгөрөрмөн. Фабрика әле яңы үҫеш этабына баҫҡан, күпме ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, хәҙер дәртләнеп эшләргә кәрәккәндә китеп барыу ҙа килешмәҫ, - ти эшенән, ғаиләһенән уңған замандашыбыҙ. - Ишембайға сит өлкәләрҙән ҡунаҡҡа туғандар, дуҫтар килгән саҡта «запасҡа» тип беҙ бәйләгән ойоҡбаштарҙы алып ҡуя һалалар. Заманса дизайны иң зауыҡлы һатып алыусыларҙы ла йәлеп итә. Халыҡ яратып кейә икән – эшебеҙгә был иң ҙур баһа. Фото: Ольга Вәлитова. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, республикабыҙҙың милли батыры, 112-се һыбайлылар дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шаймуратовҡа, асыҡ конкурста иғлан ителгән иң яҡшы проект буйынса эшләнеләсәк, һәйкәл тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документтарҙа һәйкәлде Өфө ҡалаһының Совет майҙаныныда урынлаштырыласаҡ, тип әйтелә. Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостан башлығы хакимиәте билдәләнде. Уларға Конкурстың положениеһын һәм конкурс ағзаларын әҙерләү бурысы йөкмәтелде. ДУП ТРК менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киңмәғлүмәт саралары агентлығына сараны яҡтыртыу эштәре алып барасаҡ. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Дәүләт хаҡлы ялдағыларға һәр йәһәттән ярҙам күрһәтә, федераль һәм төбәк кимәлендә уларға льготалар бирә. Пенсияға сыҡҡан кеше ниндәй ташламаларға дәғүә итә ала? Мәҡәләбеҙ ошо хаҡта. Федераль һәм төбәк һалым льготалары, компенсациялар Ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, Рә­сәйҙәге пенсионерҙарҙың барыһы ла федераль ташламаларға хоҡуҡлы, ләкин һәр тәғәйен пенсионерҙың уларҙан файҙа­лана алыу-алмауы өҫтәмә факторҙарға, мәҫәлән, пенсия күләменә, мөлкәте, һа­лым һалынған килеме булыу-булмауға бәйле. Төбәктәрҙә һәм муниципалитеттарҙа, ғә­ҙәттә, ошо биләмәлә йәшәгән хаҡлы ял­да­ғылар өсөн өҫтәмә льготалар бар. Йыш ҡына ундайҙарға һалым, коммуналь хеҙ­мәт­тәр, йәмәғәт транспортында юл йө­рөү, дарыуҙар һатып алыу һәм шифаханала дауаланыу буйынса ташламалар инә. Пенсионер, фатир һәм өс гараж Пенсионерҙар мөлкәткә һалымды түләмәҫкә хоҡуҡлы. Рәсәй ҡанундары буйынса пенсия алған хаҡлы ялдағы ке­ше­ләр торлаҡ йорт, фатир, бүлмә, гараж, машина урыны, берҙәм күсемһеҙ комплекс, ижади оҫтахана, ателье, студия, дәү­ләткә ҡарамаған музей, галерея, китапхана рәүешендә файҙаланылған бина, шәхси ярҙамсы, дача хужалығы, баҡса­сылыҡ, йәшелсәселек, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер участкаһында урын­лашҡан йорт йәки торлаҡ кеүек мөлкәткә һалым түләмәй. Шул уҡ ваҡытта был ташлама бер объектҡа ғына бирелә. Мәҫәлән, пенсио­нер­ҙың йорто, коммуналь бинала бүлмәһе, гаражы бар икән, бер объектҡа ғына һа­лым һалынмай. Әгәр өлкән йәштәге кеше­нең милкендә фатир, өс гараж булһа, уны фатирға һәм бер гаражға һалымдан бушатасаҡтар, ҡалған ике гараж өсөн түләргә тура киләсәк. Бер төрлө объект­тарҙың ҡайһыһына ҡарата льготаны ҡулланыуҙы пенсионер үҙе хәл итә. Пенсия алды йәшендәгеләргә ташлама 2017 йылдың 31 декабренә тиклем ке­ше был ташламанан файҙаланған икән, ҡа­батлап ғариза биреүҙең кәрәге юҡ. Әйтә­йек, кеше 2016 йылда хаҡлы ялға сы­ғып, ташламаға ғариза тапшырған, льго­та бирелгән икән, бүтән ғариза яҙырға кә­рәк­мәй. Пенсионер ошо ташлама ғә­мәлгә инә­сәк йылдың 31 декабренә тиклем һа­лым органына льгота ҡағыласаҡ объект ту­раһын­да хәбәр итергә тейеш. Мәҫәлән, пенсияға 2020 йылда сыҡҡандар шул йыл­дың 31 декабренә тиклем ғариза яҙа. Әгәр был документты ваҡытында тапшыр­маһаң йәки бөтөнләй яҙмаһаң, һалым орга­ны объектты үҙе һайлаясаҡ. Ташлама­ны, ғәҙәттә, иң ҡиммәтле объектҡа бирәләр. Быйыл 1 ғинуарҙан пенсия йәшен арт­тырҙылар. Дәүләт быны өлөшләтә компен­сацияларға ҡарар итеп, льготаға дәғүә итеү­селәр йәшен әүәлгесә ҡалдыр­ҙы: ҡатын-ҡыҙҙарға – 55, ир-егеттәргә – 60 йәш. Бындай кешеләрҙе пенсия алды йә­шендәгеләр тип йөрөтәләр. Улар ҙа пен­сионерҙар менән берҙәй хоҡуҡтарға эйә. Мәҫәлән, Әнисә Хаммат ҡыҙы 1964 йыл­дың 4 мартында тыуған. Әүәлге ҡағиҙәләр буйынса ул быйыл хаҡлы ялға сығыр ине. Әммә 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡану­ниәткә үҙгәреш индере­леү сәбәпле, ул пен­сияға 55-тә түгел, ә 56 йәшендә сыға­саҡ. Шул уҡ ваҡытта быйыл 4 марттан уға, барлыҡ пенсионерҙарға кеүек үк, мөл­кәткә һәм ергә һалым буйынса ташлама бирелә, сөнки иҫке ҡағиҙәләргә ярашлы, ул хаҡлы ялға сыҡҡан тип иҫәпләнер ине. Бүләк дүрт мең һумдан ҡиммәт булһа... Мәғлүм булыуынса, муниципалитеттар үҙҙәренең биләмәһендә йәшәгән өлкәндәр һәм пенсия алды йәшендәгеләр өсөн өҫтәмә льгота билдәләй ала. Дәүләт уларҙы килемгә, мәҫәлән, пенсияға, уларға билдәләнгән социаль өҫтәмәләргә, ойошмалар тапшырған бүләктәргә һалым түләүҙән азат итә. Пенсионер инвалидлыҡ йәки ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығып, эш биреүсе уға Рәсәйҙәге шифаханаға юллама, дарыуҙар, дауаланыу, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү хаҡын түләһә йәки элекке хеҙмәткәр булараҡ матди ярҙам бүлһә, бындай килемгә лә һалым һалынмай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер нигеҙҙәр буйынса сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, бер календарь йылда алынған килем күләме дүрт мең һумдан артмаҫҡа тейеш, йәғни тапшырылған бүләктең хаҡы 6 500 һум торһа, шуның 2500 һумына 13 процент һалым түләргә тура киләсәк. Ерең алты сутыймы? Һалым түләмәйһең... 2017 йылдан пенсионерҙар үҙҙәренең милкендәге, файҙаланыуындағы йәки ғүмерлек мираҫ итеп ҡалдырылған ер биләмәһенә һалымды кәметә ала. Һалым ҡайтармаһы бер участкаға түләнә. Ер майҙаны – 600 квадрат метр, йәғни алты сутый йәки унан кәмерәк икән, пенсионер һалымды бөтөнләй түләмәй. Һалым органы алты сутый ерҙең кадастр хаҡын дөйөм ерҙең кадастр хаҡынан алып ташлай, ҡалған хаҡҡа һалым һалына. Әйткәндәй, муниципалитеттарҙа ер участкаһына һалым ҡайтармаһы күләмен үҙаллы билдәләүҙәре ихтимал. Мәҫәлән, Дондағы Ростовта ер биләмәһе коммерция маҡсатында файҙаланылмаһа, пенсио­нерҙы һалымдан бөтөнләй азат итәләр. Ә Тверҙа беренсе йәки икенсе төркөм инвалиды булған пенсионерҙар өсөн һалым базаһын ул һалынмаған күләмгә – 35 мең һумға – кәметәләр. Һалым һалынасаҡ сумманы кәметеү өсөн пенсионер һалым органына ғариза яҙырға тейеш. Әгәр ул физик берәмек­тәрҙең мөлкәтенә һалым ташламаһынан файҙаланған икән, ғариза тапшырыуҙың кәрәге юҡ. Шул уҡ ваҡытта һалым органына ғариза тапшырылмаған булһа, ул кадастр хаҡы иң ҡиммәт булған участкаға ҡарата һалым ҡайтармаһын үҙе иҫәпләп бирәсәк. Әйткәндәй, пенсия алды йәшендә­геләр ҙә ошондай ҡайтармаға хоҡуҡлы. Элекке һалымыңды ҡайтар Пенсионер йорт һалһа, фатир, бүлмә йәки уларҙың бер өлөшөн, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы һатып алһа, һалым түләгәндә ошо объекттарға сығым­ды килемдәренән алып ташлай ала. Дәүләт эш хаҡынан физик берәмектәрҙең килеменә һалымдың 13 процентын – иң күбе 260 мең һумды – кире ҡайтарыуҙы рөхсәт итә. Хаҡлы ялдағы кеше фатир һатып алғандан һуң эштән китһә, дәүләт уның хоҡуғын яҡлай, йәғни пенсионер фатир һатып алған йыл өсөн һалымдың бер өлөшөн ҡайтарып алырға, ә ҡалғанын киләһе өс йылға күсерергә хоҡуҡлы. Ипотека буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдарға ҡағылышлы һалым ҡайтарма­һын да алырға була. Әммә бында сикләү­ҙәр бар. Әгәр заем 2014 йылдың 1 ғинуарынан һуң алынһаторлаҡ һатып алыуға ҡайтарма – иң күбе ике миллион һумдан, ә проценттар түләүгә – иң күбе өс миллион һумдан яһала. Ошо көнгә тиклем алынған кредиттар буйынса сумма процент күләме менән сикләнә. Мәҫәлән, пенсионер 2018 йылда 2,5 миллион һумға фатир һатып алған. Уға ике миллион һум күләменән сығып мөлкәт ҡайтармаһы түләнергә тейеш. Ти­мәк, һалым органы уға 260 мең һумды ки­ре ҡайтара ала (2 000 000 һум х 13 % = 260 000 һум). Быйыл пенсионер ҡайтарманы 2018 йыл өсөн ала. Уны тулыһынса алыу өсөн 2018 йылға физик берәмектәрҙең киле­менә түләнгән һалым етмәһә, ҡайтар­ма­ның ҡалғанын 2015, 2016, 2017 йыл­дарға күсерергә мөмкин. Әгәр ул йыл­дарҙағы һалым да аҙ булһа, пенсионер ҡайтар­маны 2018 йылдан һуң 13 процентлы ставка буйынса һалым түләрлек килеме­нән иҫәпләтә ала. Тик шуныһы: бындай ҡайтарма пенсионер хоҡуҡтан элегерәк файҙаланмаған осраҡта ғына түләнә. Ял итергә барһаң... Ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы алған һәм Алыҫ Төньяҡ райондарында, уларға тиңләш­терелгән биләмәләрҙә йәшәгән пенсионер­ҙарға ил территорияһында ял итергә барыу һәм ҡайтыу өсөн компенсация түләнә. Уның юл билеты йәки сығымды ҡаплау рәүешендә булыуы ихтимал. Пенсия фондының территориаль органы компенсацияны ике йылға бер тапҡыр түләй. Хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн хаҡлы ялдағы кешегә Пенсия фондының урындағы бүлегенә ғариза яҙырға кәрәк. Унда туранан-тура йәки почта, күп йүнәлешле үҙәк, дәүләт хеҙмәттәре порталы, Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. Индексациялау осоро етеп килә Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын индексациялайҙар. Уның күләме 6,6 процентҡа артасаҡ. Был иһә быйыл күҙалланған инфляция кимәленән 3,8 процентҡа юғарыраҡ. Эшләмәгән пенсионерҙар ҡартлыҡ буйынса алған пенсияның уртаса йыллыҡ артымы бер мең һум тәшкил итәсәк. Дөйөм алғанда, 2020 йылда 31 миллион кешенең пенсияһы арта тип күҙаллана. Аҡса туплаусылар бармы? Рәсәйҙең ҙур ҡалаларындағы халыҡтың күп­селеге (75,5 %) буласаҡ пенсияға аҡса тупламай. Ҡайһы бер банктар үткәргән тикшере­неүҙәрҙән күренеүенсә, граждандарҙың 8,3 проценты ғына ҡарт көнөнә аҡса йыя, тағы ла 16,3 проценты пенсияға аҡсаны даими туплай. Халыҡтың 40 процентының аҡса йыйырға теләге бар, тик мөмкинлеге генә юҡ. Күптәр ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып алыуға, вклад асыуға өҫтөнлөк бирә. Шәхси кабинетың булһа... Льготалы дарыуҙарға һәм шифаханала дауаланыуға хоҡуҡты хәҙер шәхси кабинет аша ла раҫларға мөмкин. Рәсәй Пенсия фондының электрон кабинетында өр-яңы сервис ғәмәлгә инде. Уның ярҙамында социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына хоҡуҡты раҫлаған белешмә алырға була. Мәғлүм булыуынса, белешмә ҡағыҙы халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәткән ойошмаларҙа, мәҫәлән, медицина учреждениеларында льготалы дарыуҙар алғанда йәки Социаль страховка фондына шифаханаға юллама һорап мөрәжәғәт иткәндә бирелә. Башҡортостан гәзитенән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Башҡортостандың ҡаҡланған дөйәғош ите төбәк бренды булып, республиканы бөтә илгә таныта аласаҡ. Ул Беренсе милли төбәк брендтары конкурсында ҡатнаша. Әйткәндәй, тапшырылған заявкалар һаны буйынса Башҡортостан тәүге урындарҙа. Беҙҙән 26 аш-һыу өлгөһө тәҡдим ителә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында бәйгелә ҡатнашҡан башҡорт тауарҙарының бик үҙенсәлекле булыуын билдәләйҙәр. Ә иң ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы дөйәғош ите тыуҙыра. Улар Ғафури районында “Мөғжизәле дөйәғош” фермер хужалығында үрсетелә. "Уларҙы көнөнә ике тапҡыр ашатабыҙ. Иртән килгәс, бинаны йылытабыҙ - ҡоштарға йылы кәрәк. Артабан уларҙың йөрөгән урынын йыйыштырабыҙ. Билдәле ваҡытта ашатабыҙ, һәр ваҡыт таҙа һыу һалып торабыҙ, һауыттарын йыуабыҙ", – ти был хужалыҡ асылғанын алып эшләгән Альбина Йәнбәкова. Был ферма зоопарк кеүек тә. Унда килеп экзотик ҡоштарҙы ҡарарға, һыйпарға, ашатырға, фотоға төшөрөргә мөмкин. Бында экскурсиялар ойошторола, деликатестар менән һыйлайҙар. Шашлыҡ, ҡаҡланған дөйәғош ите, ҡурылған йомортҡа тәмләп ҡарарға була. Шулай уҡ эксклюзив сувенир эштәр һатып алырға мөмкин. Һәм бына ошо үҙенсәлекле аш-һыуҙы бәйгегә тәҡдим итеп ҡарарға булғандар. “Мөғжизәле дөйәғош” хужалығы етәксеһе Виталий Смирнов та был башланғысты бик уңышлы тип иҫәпләй, еңеүгә ышана. "Бында сифат ҡына түгел, ә тауарҙарыбыҙҙың үҙенсәлекле тәме мөһим. Беҙҙең тәбиғәт, урмандар, яландар, һыйырҙарыбыҙ, бал ҡорттары, йылҡыбыҙҙың үҙенсәлекле генетикаһы... Быларҙың барыһы ла ҡабатланмаҫ тәм бирә. Ул беҙҙең республикабыҙға Рәсәй һәм сит илдәрҙән күп кешеләрҙе йәлеп итеп тора", – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. 2 декабргә тиклем теләгән һәр кеше интернетта теге йәки был дәғүәсе өсөн үҙ тауышын бирә аласаҡ. Конкурсты илдең Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора. Һөҙөмтәһе буйынса һигеҙ финалсы билдәләнәсәк, уларға комплекслы ярҙам программаһы эшләнәсәк. Бынан тыш, Рәсәй тәмдәре буйынса масштаблы карта формалаштырыласаҡ. Күберәк тауыш йыйырға тырышайыҡ, әүҙем булайыҡ! Фото: Ауыл хужалығы министрлығы. Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/D-y-osh-ite-milli-brend-bula-alirmi-554231/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Йыл әйләнәһенә йәшел ҡалған ғорур ҡарағай ише, Ноғман Сөләймән улы ла һәр саҡ әйткән һүҙҙәренә, уйлаған ниәттәренә, ихлас асылына, үҙе инанған тормош ҡиммәттәренә үтә лә тоғро. Башҡорт әҙәбиәтенең титан-ижадсыһы бөгөн үҙенең 90 йәшенә аяҡ баҫты. Һөйөклө ил ағаһына һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын! БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ЯҘЫУСЫҺЫ НОҒМАН МУСИН МЕНӘН ӘҢГӘМӘНӘН – “Вечный зов” кеүек фильмдар булды бит әле, һеҙҙең китаптар нигеҙендә лә бына тигән кинолар төшөрөргә булыр ине. – Эйе, ул беҙҙең тарих, бигерәк тә, улай ҡулымдан килһә, “Алдар батыр” тураһында эшләр инем. Алдар батыр бит Салауаттан бер ҙә кәм шәхес түгел, хатта ҙурыраҡ та хеҙмәт күрһәткән иҫ киткес кеше. Ул әле өйрәнеп бөтөлмәгән. Петр I-нең яҡын дуҫына тиерлек әйләнгән кеше. Ул батша восстаниела етәкселек иткән бөтә кешеләрҙе аҫтырған, киҫтергән, төрмәгә ултыртҡан, ә бына Алдарға теймәгеҙ тип кенә күрһәтмә биргән, ҡағылмағандар. Тик аҙаҡ, Ҡараһаҡал яуынан һуң, күптәрҙе тотоп Минзәлә төрмәһенә ябалар. Алдар шуларҙы, бәлки, танышлығым аша ҡотҡарып булыр тип алданған. Сөнки, Елизавета Иоанн ҡыҙы тигән батшабикә лә уға икенсе тапҡыр тарханлыҡ званиеһы бирә, Алдар батыр ике тапҡыр тарханлыҡ алған кеше, береһен – Петр I, икенсеһен Елизавета Иоанн ҡыҙы ҡулынан. Шуға үҙенә артыҡ ышана. Тәүҙә ул Һамарға барып, шундағы воевода менән һөйләшергә уйлай, ни өсөн тиһәң, Минзәләнең төрмәһе шунда ҡараған, унда ла булмаһа, Мәскәүгә, Петербургка барып етермен тип ниәтләгән. Шул уй менән бер үҙе, бер кемде лә эйәртмәй, юлға сыға, күп кеше йөрөһә оҡшатмаҫтарын аңлай. Һамарға етеп барғанда уны ҡулға алып, Минзәлә төрмәһенә килтереп, шунда ултырған бунтарҙар менән бергә сығарып аҫалар. Үлеменә ҡәҙәр халыҡ тип янып йөрөгән батыр бит ул. Батшалар уны таныған, һанлаған. Елизавета Иоановна, ҡаҙаҡтың Бәләкәй Йөҙөн Рәсәйгә ҡушыу проблемаһы килеп тыуғас, илсе итеп Алдар Иҫәкәевте ебәрергә ҡуша. Алдар ике тапҡыр барып, икенсе барыуында мәсьәләне хәл итеп, Кесе Йөҙҙө Рәсәйҙең подданныйы итеп рәсмиләштереп ҡайта. Алдар Рәсәй өсөн дә күп эшләгән шәхес ул, Аҙау походында черкесты еңеп ҡайтыуы ғына ни тора. – Һеҙ ул романды яҙған саҡта архивта ғына ултырҙығыҙмы? – Мин уны 20 йыл эшләнем, ныҡлап яҙырға ултырғанға тиклем 15 йыл өйрәндем, шунан ғына яҙа башланым. Туҡтай-туҡтай яҙылған берҙән-бер әҫәрем.
Документ Волков исемендәге Ярославль дәүләт драма театрына айырыуса ҡиммәтле мәҙәни мираҫ объекты статусын биреүгә ҡағыла. Волков исемендәге театрҙа тамашасыларға сәхнә арты серҙәрен асырға ниәтләйҙәр. Июнь айында дәүләт башлығы ошондай күрһәтмә биргәйне. Хәҙер Мәҙәниәт министрлығы театрҙы Рәсәйҙең айырыуса ҡиммәтле мәҙәни мираҫ объекттарының йыйылма исемлегенә индерергә, ә Хөкүмәт уның эшенең хоҡуҡи, финанс һәм матди шарттарын тәьмин итергә тейеш. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Икенсе риүәйәттә, беҙҙең яҡтарҙан каруан менән бер сәйәхәтсе үтеп барған. Халыҡ һуғыш килә икән, тип каруанға ҡаршы сыҡҡан һәм уларҙы ҡырған. Каруан башлығының һуғышсы түгел, ә ил гиҙеп йөрөгән изге кеше булыуын аҙаҡ ҡына белгәндәр. Уның кәүҙәһен ауыл осондағы бейек тау башына күмгәндәр. Теге кеше Ош ҡалаһынан булғанға, тауға ла шул исемде биргәндәр. Аҙаҡ, үҙгәртеп, Әүеш тип йөрөтә башлағандар. Рамаҙан әүлиәне үлтергәндән һуң кешеләр мөғжизәгә юлыға: тауҙа урғылып шишмә ағып сыға. Шифалы һыуҙы эсергә тип, төрлө яҡтан халыҡ килә башлай... Учалы районындағы Әүлиә шишмәһе, Әүеш (Әүлиә) тауын барып күрергә кемдәр генә хыялланмай икән! Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, илебеҙҙең, хатта сит яҡтарҙан да унда халыҡ күпләп килә. Ошо көндәрҙә район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гүзәл Монасипова етәкселегендәге бер төркөм ағинәйҙәр мөғжизәле был урынға сәйәхәт ҡылып ҡайтты. Әүлиә шишмәһе май урталарында аға башлай һәм теүәл бер айҙан юҡ була икән. Уның һыуын борон-борондан шифалы тип һанағандар һәм уны дауаланыу өсөн ҡулланғандар. Был хаҡта күренекле этнограф Лоссиевский ҙа 1883 йылғы хеҙмәттәрендә, башҡорттар шишмә янына ғибәҙәт ҡылырға, дауаланырға йөрөй, тип яҙып ҡалдырған. Тауҙың уртаһынан юл алған шишмәгә һауа торошо, яуым-төшөм йоғонто яһамай. Һыуы йылдар буйына иҫкермәй һаҡлана. Уның һәр тамсыһын ҡәҙерләп, дарыу һымаҡ, һаҡлап ҡына эсәләр. Әүлиә шишмәһенең һыуын ғалимдар тикшергәндән һуң, уның составында кешегә файҙалы элементтар күп тигән һығымтаға килә. Ни өсөн Әүлиә шишмәһе тип аталған һуң? Был хаҡта легенда-риүәйәттәр күп. Уларға ҡарағанда, борон был тирәлә йәшәгән халыҡ янына бер кеше килеп сыға. Ул мосолман диненә күсергә өгөтләп йөрөгән. Әүлиә, ҡартайыуҙанмы, ауырыпмы, үлеп китә. Халыҡ уны тау башында ерләй. Икенсе риүәйәттә, беҙҙең яҡтарҙан каруан менән бер сәйәхәтсе үтеп барған. Халыҡ һуғыш килә икән, тип каруанға ҡаршы сыҡҡан һәм уларҙы ҡырған. Каруан башлығының һуғышсы түгел, ә ил гиҙеп йөрөгән изге кеше булыуын аҙаҡ ҡына белгәндәр. Уның кәүҙәһен ауыл осондағы бейек тау башына күмгәндәр. Теге кеше Ош ҡалаһынан булғанға, тауға ла шул исемде биргәндәр. Аҙаҡ, үҙгәртеп, Әүеш тип йөрөтә башлағандар. Рамаҙан әүлиәне үлтергәндән һуң кешеләр мөғжизәгә юлыға: тауҙа урғылып шишмә ағып сыға. Шифалы һыуҙы эсергә тип, төрлө яҡтан халыҡ килә башлай. Өсөнсө риүәйәт буйынса, үҙҙәренең ырыуҙарынан айырылған бер төркөм кеше яңы урынға ултырыр өсөн ер эҙләй. Йөрөй торғас, улар бер ҙур күл буйына килеп сыға. Ҡарайҙар – ер уңайлы: эсергә һыуы ла бар, һунар итергә урманы ла яҡын. Мал көтөргә лә урын етерлек. Күлдән алыҫ түгел ҙур тау ҙа булған. Араларынан берәү: – Тауы бер яҡҡа ауыш икән, – тигән. Шунан халыҡ был тауҙы Ауыштау, тип йөрөтә башлай. Тора-бара ул Әүештау булып китә. Күлдең исеме лә, һуңынан ауыл да Әүеш тип йөрөтөлә башлай. Әүеш тауы башында ҡәбер ташы бар. Боронғо таш урынына яңыһын Зәйнулла ишан ҡуйҙыртҡан. Унда ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған шундай юлдар бар: «Был (сәйәхәтсе) Шәйех Мөхәммәд Миһнән Аләүҫә 651 һижри йыл Беркәхан быуатында Бәнисарай Беркәхан дәүләте» Әүеш тауы башында ерләнгән сәйәхәтсенең был ерҙәрҙә Ислам динен таратып йөрөүсе Беркә хан дәүләте илсеһе булғандыр, тигән фараз бар. Сөнки Беркә хан үҙе Исламды ҡабул итеп кенә ҡалмаған, ә динде тирә-яҡҡа таратыу буйынса ла ҙур эш алып барған. Легенда-риүәйәттәрҙең төрлөлөгөн тау башындағы бер нисә ҡәберҙең булыуы ла иҫбатлай. Бәлки, һәр легенда үҙенсә дөрөҫтөр. Алтын Урҙа хандары, башҡорттарҙың иң уңайлы аҫаба ерҙәрен үҙҙәренә тартып алып, ҡышын йылы көньяҡ далаларҙа малдарын көтһә, эҫе йәйҙәрен мул һыулы, һутлы үләнле Урал тауҙарына килгән. Был башҡорт, нуғай һәм башҡа халыҡ йырҙарында, легендаларында ла асыҡ сағыла. Әүеш тауҙан тирә-яҡ ус төбөндәй генә күренә. Әүеш күлендә ике утрау бар. Береһе йөрәк формаһында, икенсеһе ҡанатын йәйгән ҡошто хәтерләтә. Тауҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 645 метр тирәһе. Әүлиәнән башҡа бында тағы ла ике – Сәлиха һәм Йыланлы шишмәләре бар. Өс шишмәнең тәме лә өс төрлө. Сөнки өсөһө өс төрлө таш аша үтә, тиҙәр. Әүлиә шишмәһе һары йәшмә аша үткәнгә айырыуса шифалы, оҙаҡ һаҡлана, тип белдерәләр. Баймаҡ ағинәйҙәре бер-береһенә ярҙам итә-итә Әүеш тауына күтәрелде. Ямғырҙан һуң аяҡ аҫты тайғаҡ булһа ла, ағинәйҙәрҙең береһе лә туҡтап ҡалманы, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп, иң осҡа ҡәҙәр менеп етте. Текә тау башында ерләнгән Әүлиә ҡәберлегендә кешенең күплеге хайран ҡалдырҙы. Ҡөрьән Хафиз (Ҡөрьәнде яттан белеүсене шулай атайҙар) һәм Силәбе ҡалаһынан килгән мөфтөй, имамдар бергәләп аят уҡыны, вәғәздәр һөйләне. Аҡһаҡалдар менән берлектә беҙҙең ағинәйҙәр ҙә өйлә намаҙын бергә уҡырға сафҡа баҫты. - Беҙ Әүлиә ҡәберенә табынырға килмәйбеҙ, Аллаһы Тәғәләгә генә табынабыҙ, уға ғына һыйынабыҙ, - тине бер имам. - Бары тик унан ғына донъялар тыныслығы, именлеге һорайбыҙ. Ә инде Әүлиә ҡәберлегендә уның рухына бағышлап аят уҡыйбыҙ. Зыярат тирәләй тауаф ҡылыу (әйләнеп йөрөү), ағастарға сепрәк бәйләү – мосолман ғәмәле түгел. Шуны дөрөҫ аңлағыҙ. Имамдың һүҙҙәрен дөрөҫләп, бында үҙеңде дөрөҫ тотоу ғәмәлдәрен күрһәткән алтаҡталар ҙа бар. Тауға менеүе ауыр булһа ла, төшөүе күпкә еңелерәк ине. Баймаҡ ағинәйҙәре тейешле йолаларҙы үтәгәс, һоҡланғыс тәбиғәтебеҙгә биҙәк өҫтәп, милли күлдәктәрен кейеп алды. Улар эргәһенән ситтән килгән ҡунаҡтар өҙөлмәне. Барыһы ла ҡашмау, селтәрҙәргә һоҡландылар. Беҙҙең ағинәйҙәр менән фотоға төштөләр. Әүеш тауы, Әүлиә шишмәһенең тарихы, легендалары менән ҡыҙыҡһындылар. Беҙҙең ағинәйҙәр был төбәктән булмаһа ла, урындағы ер-һыу атамаларҙы, легендаларҙы яҡшы белеүҙәре менән һоҡландырҙы. Был хаҡтағы мәғлүмәттәр хаҡында ситтән килгән ҡунаҡтар менән ихлас уртаҡлашты. Был көндө Баймаҡ ағинәйҙәренең тағы ла бер биҙәге – боҫрап ҡайнап ултырған самауырҙар ине. Әүлиә шишмәһенән алынған шифалы һыуҙан сәй эсеп, аралашып, саф һауала ял итеп, күңел тыныслығы табып, көс-ғәйрәт алып ҡайттыҡ.
«Юшатыр» гәзитенең 7 декабрҙәге һанында баҫылған мәҡәләһендә Розалия Назарова: «Хаҡтар билдәле булды», - тип яҙғайны. Унда һүҙ яңы йылдан башлап ҡаты ҡалдыҡтар өсөн күпме түләй башлаясағыбыҙ тураһында ине. Бик күп кешеләрҙең фекерҙәре лә бирелгән ине. Мин дә үҙ фекерҙәрем менән бүлешеп китмәксе булдым. «Юшатыр» гәзитенең 7 декабрҙәге һанында баҫылған мәҡәләһендә Розалия Назарова: «Хаҡтар билдәле булды», - тип яҙғайны. Унда һүҙ яңы йылдан башлап ҡаты ҡалдыҡтар өсөн күпме түләй башлаясағыбыҙ тураһында ине. Бик күп кешеләрҙең фекерҙәре лә бирелгән ине. Мин дә үҙ фекерҙәрем менән бүлешеп китмәксе булдым. Тиҙҙән ҡалала күп фатирлы йортта торғандар ай һайын һәр кешегә 108 һум, ә ҡалала үҙ йорттарында һәм ауылда торғандар 155 һум түләргә тейеш була. 10 декабрь көнө Радий Хәбиров кәңәшмә үткәреп, хаҡтарҙы кәметергә ҡушты. Башҡортостанда тәүҙә хаҡтар 135 һум һәм 185 һум ине. Беҙҙең республикала һәр ваҡыт артыҡ була инде ул. Һеҙгә нисектер, ә мине ошо хаҡтар ныҡ аптырашҡа ҡалдыра. Шул хаҡтарҙы кемдәр иҫәпләп сығарған икән? Әле беҙ, ошо көндә ҡалала үҙ йортобоҙҙа йәшәгән кешеләр, бер кешегә айына 45 һум да 18 тин түләйбеҙ. Әгәр ҙә уйлап һәм иҫәпләп ҡараһаң, хаҡтар 343%-ҡа артҡан булып сыға, ә ҡалала күп ҡатлы йорттарҙа йшәгән кешеләрҙән «Содержание һәм текущий ремонт» тип, квадрат метрға 23 һум 66 тин тоталар. Әгәр ҙә фатирың 54 квадрат метр булһа, ай һайын 1277 һум 64 тин аҡсаңды түләтәләр. Шулай итеп беҙҙән меңәрләп тотҡан аҡсалар ҡайҙа китә икән? Шуны тикшерһендәр ине. Иҫәпләп ҡараһаң, Рәсәй буйлап миллиардлап аҡса йыйыла. Бына ҡайҙа настоящий коррупция. Һуңғы йылдарҙа депутаттар 100-ләп закон сығаралар ҙа, ә һуңынан инде шул закондарҙы киренән төҙәтәләр. Артабан штрафтар, пенялар менән ҡурҡытып аҡса йыялар. Әлеге көндәге сүп-сар өсөн түләү менән бәйле был законды бөтөнләй яраҡһыҙ тип табырға мөмкин. Ҡалала шәхси йортта һәм ауылда йәшәгәндәр өсөн 155 һум бигерәк күп ул. Яңы тыуған сабый ҙа, түшәктә ауырып ятҡан оло кешегә лә шул уҡ хаҡ килеп сыға. Был законды сығарыр алдынан, сүп-сарҙы ҡайҙа ташыйҙар, ниндәй машина ташый, сорттарға айырыу пункты ҡайҙа, нисә кеше эшләй, бөтәһен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Тот та, уйланмаған хаҡ ҡуй инде. Был законды сығарып, ошондай хаҡ ҡуйған депутаттар төптән уйлап эш итмәгәндәр. Уларға нимә инде, бик ҙур эш хаҡы алып ултырған кешеләргә халыҡ кәрәкме ни? Улар өсөн был аҡса пүстәк кенә. Ә ауылда 10 мең һум пенсия алып йәшәгәндәр өсөн был ҙур аҡса. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ҡалала үҙеңдең йортоңда торған һәм ауылда йәшәгән кешеләр өсөн хаҡ күпкә ҡыйбатыраҡ. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгәндәргә ҡарағанда, үҙеңдең йортоңда торғандар күберәк ашаймы икән ни? Шунан һуң күберәк отход сығарамы икән? Төптән уйлап ҡараһаң, киреһенсә килеп сыға бит. Мәҫәлән, минең үҙемдең йортомда мунса бар. Яна торған бөтә нәмәне мунсаға яғам, ә янмаған бәрәңге ҡабығын, йәшелсә-емеш ҡабығын, мунса көлөн, ашлама итеп яндырып, бәрәңге еренә түгәм, ә инде ҡош-ҡорт һөйәген эт ашай. Ауылда торған кешеләрҙең дә хәле шулайҙыр инде. Тағы шуны әйтергә кәрәк: беҙ магазиндан әйбер, аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыу һатып алған саҡта беҙҙән бит 18% НДС алып ҡалалар, ә 2019 йылдан ул 20% була. Шулай булғас, хөкүмәт НДС тотмаһын йәки сүп-сар өсөн үҙе түләһен. Быныһын да әйтмәйенсә булмай: йәш ярымдан һуң хөкүмәт балаға айына 150 һум пособие түләй. Был бала айына бер тапҡыр ғына булһа ла рәхәтләнеп кәнфит ашау урынына, теге 150 һум тәңкәне сүп-сар өсөн кире бирә, етмәһә, 5 һум бурысҡа ла бата әле. Ошо балалар хаҡында закон сығарған ваҡытта депутаттар, чиновниктар әҙ генә булһа ла уйланылармы икән?.. Сүп-сар йыйыу ауылдарҙа ауылы-ауылы, силсәүите-силсәүите менән сход ваҡытында хәл ителергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта газ, свет, һыу өсөн килешеү төҙөшөп түләйбеҙ бит. Шулай булғас, сүп-сар өсөн дә килешеү төҙөшөп хәл итһендәр, кемдекен ташырға, ә кемдекен юҡ. Кемдәр риза, кемдәр юҡ, тигәндәй. Алдағы көндәрҙә хаҡтар нисек булыр, донъя күрһәтер. Радий Хәбиров үҙе тотондо бит был эшкә. Әммә ләкин бөтә нәмәгә риза булып ятырға ярамай. Минеңсә, үҙ йортоңда йәшәгәндәргә бер кешегә айына 50 һум да еткән. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Матбуғат конференцияһында бер төркөм хәбәрселәргә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Бүләкләнгәндәр араһында “Башҡортостан” гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире Лилиә Нуретдинова ла бар. Илшат Фәзрахманов: “Сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләме артырға тейеш” Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “Рәсәй” телеканалының матбуғат үҙәгендә киләһе сәсеү компанияһына әҙерлек барышы, 32-се халыҡ-ара “АгроКомплекс” күргәҙмәһен ойоштороу тураһында һөйләне. - Быйыл 32-се халыҡ-ара “АгроКомплекс” күргәҙмәһен үткәреү айырыуса мөһим булып тора. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгәндә ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙе бер ергә йыйып, сәсеү кампанияһына старт биреп, һөйләшеп алыу файҙаға ғына. Күргәҙмә йыл һайын беҙгә ошондай мөмкинлектәр бирә. Быйыл ауыл хужалығы тармағы сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырырға тейеш, - тине Илшат Фәзрахманов. Уның һүҙҙәрен “Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы”ның генераль директоры Альбина Килдеғолова ла ҡеүәтләне. - Быйыл күргәҙмәлә 312 компания ҡатнашасаҡ, Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу төбәгенән вәкилдәр булыр тип планлаштырыла. Ҡытайҙан һәм Беларусь Республикаһынан делегациялар көтөлә. Рәсәй, республика крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе лә эшләйәсәк. 150-нән ашыу техника өлгөһө лә ҡуйыласаҡ. Пленар ултырышҡа Рәсәй кимәлендәге белгестәр саҡырылған, йылдағыса, "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә көнүҙәк темаларға арналған кәңәшмәләр үтәсәк. Илдәге әлеге хәл күргәҙмә ойоштороуға ҡамасауламаны, киреһенсә, ҡатнашыусылар һаны күбәйҙе. Беҙҙең был сара ойошторолған көнөнән алып Рәсәй етештереүселәренә йүнәлтелгәйне. Шуға йылдар дауамында сит ил компанияларына иҫәп тотмайбыҙ, - тине Альбина Килдеғолова. Күргәҙмә 22 – 25 мартта үтәсәк. Уны шулай уҡ онлайн-форматта ла ҡарарға була. Матбуғат конференцияһы ваҡытында Илшат Фәзрахманов иң көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды. – Хәҙерге шарттарҙа сеймал һәм аҙыҡ-түлек етештереүҙе тәү сиратта республика ихтыяждары өсөн арттырырға кәрәк. Төбәк аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә 100 процентҡа әҙер. Киләһе аҙна аҙағына планлаштырылған финанстарҙың 22 процентҡа тиклеме ауыл хужалығы етештереүселәренә еткереләсәк. Республика иген культуралары орлоғо менән 100 процентҡа тәьмин ителәсәк. Әлегә былтыр ҡоролоҡтан зыян күргән 16 районда орлоҡ юҡ, тик был аҙна – ун көн эсендә хәл ителә торған мәсьәлә. Техник культураларға килгәндә, шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, сояның запасы 60 процентҡа тупланған. Ҡалған 40 процентты һатып алырға кәрәк. Аграрийҙар шулай уҡ минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тәьмин ителә. 90 мең тонна минераль ашлама һатып алырға кәрәк буласаҡ. Был йәһәттән аграрийҙарға 20 миллиард һум аҡса талап ителә, — тине Илшат Фәзрахманов. Рәсәй Хөкүмәте илдән шәкәр, бойҙайҙы экспортҡа сығарыуҙы 31 авгусҡа тиклем тыйҙы. Был йәһәттән Илшат Фәзрахманов үҙ фекерен әйтте: – Илдә шәкәр ҙә, бойҙай ҙа етерлек. Был сара эске баҙарҙа тотороҡлолоҡ булһын, хаҡ күтәрелмәһен өсөн кәрәк. Донъяның ҡайһы бер илдәрендә бойҙайҙың хаҡы 500 долларға тиклем етте. Эске баҙар тотороҡло, бойҙайға хаҡ килограмына 20 һумдан артмай. Дизель яғыулығына хаҡ төшә, әгәр был дауам итһә, быға ҡыуанырбыҙ ғына. Әле Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары келәттәрендә 40 мең тонна шәкәр бар. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң майҙанын арттырасаҡбыҙ. Был ике заводтың ҡеүәте көслө: 1 миллион 950 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртә алалар. Ихтыяж булғас, йәрминкәләргә һатыуға шәкәр сығарыуҙы һораныҡ. Ике көн эсендә алты тонна шәкәр һатылған. Беҙ аҙна һайын ошондай һатыуҙар ойошторорға әҙер, әммә һуңынан етештерелгән шәкәр кемгә кәрәк буласаҡ? Әле емеш-еләк мәле лә етмәгән! Матбуғат конференцияһында ауыл хужалығы тармағын әүҙем яҡтыртҡан матбуғат баҫмаларынан бер төркөм хәбәрселәргә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Лилиә Нуретдинова ла бар. Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты. Автор:Лилия Нуретдинова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Оператив мәғлүмәттәргә буйынса, республикала тәүлек эсендә коронавирус йоҡторғандар һаны тағы ла артҡан.Хәҙер улар 3260 кеше тәшкил итә. Тәүлек эсендәге 75-кә артҡандар. Һуңғы аҙналарҙа сирҙе йоҡторғандар иҫәбе бер тирәлә тирбәлеүен дауам итә.Республикала тәүлек эсендә мәкерле сирҙән вафат булғандар теркәлмәгән. Оператив мәғлүмәттәргә буйынса, республикала тәүлек эсендә коронавирус йоҡторғандар һаны тағы ла артҡан. Хәҙер улар 3260 кеше тәшкил итә. Тәүлек эсендәге 75-кә артҡандар. Һуңғы аҙналарҙа сирҙе йоҡторғандар иҫәбе бер тирәлә тирбәлеүен дауам итә. Республикала тәүлек эсендә мәкерле сирҙән вафат булғандар теркәлмәгән. Рәсәйҙә тәүлек эсендә 9268 кешелә коронавирус сире раҫланған. 138 ауырыуҙы ҡотҡарып булмаған . Тәүлектә илдә 4 414 ауырыу һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә вирус менән зарарланғандар һаны 405 843-кә етте. Әле 305 меңдән ашыу ауырыу медицина күҙәтеүе аҫтында. ФОТО: evo-rus.com Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Учалыға эш сәфәренән ҡәнәғәт ҡалды. Яҙғы бер көн йылды туйҙыра Учалы районында яҙғы сәсеү эштәре башлана. Ошо көндәрҙә урындағы хужалыҡтарҙың мөһим кампанияға әҙерлеге менән танышыу, орлоҡтар торошон тикшереү маҡсатында Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Айҙар Хәмәтшин килде. Эш сәфәре Учалы элеваторынан башланды. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ, шуға ла төп иғтибар орлоҡтар торошона йүнәлтелде. Учалы элеваторы өҫтөнлөклө төбәк инвестиция проекты иҫәбенә инә, бөгөн предприятие етәкселеге орлоҡсолоҡ хужалығы булдырыу ниәте менән яна. Учалы элеваторы биләмәһендә 25 келәт иҫәпләнә, уларҙа кондициялы иген һәм май культуралары орлоҡтары һаҡлана. Бында сифатлы орлоҡ алыу, сорттарҙы яңыртыу һәм алмаштырыу өҫтөндә даими эш алып барыла, үҙҙәренең лабораториялары, орлоҡтарҙы таҙартыу, киптереү комплекстары ла бар. Күптән түгел хужалыҡ орлоҡтарҙы төҫө, ҙурлығы, күләме буйынса айырыу өсөн фотосепаратор ҙа алған. Рәсәйҙә етештерелгән был ҡоролма иген культураларын тәүлегенә 20 тоннаға, ә майлы культураларҙы ун тоннаға тиклем эшкәртә ала. "Киләсәктә кондитер өлкәһе өсөн етен етештерергә һәм республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең дә аграрийҙарын сифатлы орлоҡ менән тәьмин итергә планлаштырабыҙ", - ти “Учалы элеваторы” йәмғиәте генераль директоры Антон Жигалов. Хужалыҡ быйыл сәсеү майҙандарын ике тапҡырға арттырырға ниәт итә, техникалары яҙғы баҫыу эштәренә әҙер. "Яҙғы-баҫыу эштәрен 1000 гектар ерҙә башҡарып, рапс, етен, арпа, бойҙай сәсергә ниәт итәбеҙ. Былтыр үҙебеҙ әҙерләгән орлоҡтарыбыҙ бар, һатып та алдыҡ. Ашламалар ҙа етерлек тупланған", - тип хужалыҡ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы элеватор етәксеһе. Айҙар Хәмәтшин “Байрамғол” агрофирмаһында ла булды. Хужалыҡта сәсеү эштәре 4000-дән ашыу гектар майҙанда башҡарыласаҡ. Шуның мең ярым гектарын - иген культуралары, ҡалғандарын мал аҙығы өсөн төрлө техник һәм бер йыллыҡ культуралар тәшкил итәсәк. Ә район буйынса быйыл баҫыу эштәрен 26000 гектарҙа атҡарыу бурысы тора, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 1400 гектарға күберәк. Ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеп, “Учалы элеваторы”, “Урал аръяғы Агро” МТС-ы, “Байрамғол” агрофирмаһы майҙандарын киңәйтәсәк. Яҙғы сәсеү эштәре лә былтырғыға ҡарағанда күберәк майҙан биләп, 18 мең гектарҙан ашыу ерҙә башҡарыласаҡ. Дәүләт тарафынан аграрийҙарға элиталы орлоҡ, ашламалар һатып алыу өсөн субсидиялар ҙа ҡаралған. "10800 гектар ерҙә - иген культуралары, 8000 гектарҙа мал аҙығы үҫтерергә планлаштырабыҙ. Иген культураларынан бойҙай, арпа, һоло, ҡара бойҙай, мал аҙығы культураларынан бер йыллыҡ үләндәргә һәм кукурузға өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ", - тип пландары менән уртаҡлашты Учалы районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Заһиров. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе эш сәфәренән ҡәнәғәт ҡалды. "Учалы районы хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә юғары кимәлдә әҙерләнгән. “Байрамғол” агрофирмаһы баҫыуҙарында борсаҡ, һоло сәсеү процесы менән таныштыҡ. Учалы элеваторында булдыҡ, преприятиела сифатлы орлоҡтар әҙерләнә. Бөгөн Урал аръяғы райондары өсөн орлоҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡ асыу – көн талабы. Ошо маҡсатта Учалы элеваторының технологик базаһы менән танышып, йәмғиәттә ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар барлығына инандыҡ", - тине Айҙар Мәснәүи улы. Фотола: “Байрамғол” агрофирмаһында борсаҡ, һоло сәсеүгә төштөләр. Район гәзите редакцияһынан. Автор:Римма Султанова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда меңәрләгән совет һалдаттары тыуған еребеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн батырҙарса көрәшкән. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Бына улар: Кирилл Дементевич Андреев (Баҙлыҡ), Титов Василий Федорович (Покровка ауылы), Константин Иванович Степанов (Ҡушйылға), Павел Ефимович Васильев (Ерекле) Николай Спиридонович Павлов (Слакбаш), Герман Тереньевич Прокопьев (Сыуашстанда тыуған. Бишбүләк хәрби комиссариатынан һуғышҡа алынған), Константин Ефимович Парамонов (Мелиссоновка), Хәмит Ғәҙелшин. Уларҙың һуңғыһы, Вәхит ауылында тыуып үҫкән Хәмит Ғабдулла улы тураһында бәйән итмәксебеҙ. 1941 йылда октябренән ул Бөйөк Ватан һуғышына алынып, Кавказ арты, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, 2-се һәм 3-сө Украина фронттарында ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46-сы армия 31-се уҡсылар дивизияһы 1449-сы айырым элемтә ротаһы радиостанцияһының өлкән телеграфсыһы сержант Ғәҙелшин 1943 йылдың 27 сентябрендә Украина ССР-ы Сошиновка ауылы янында Днепр аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Теүәлерәге, ул хеҙмәт иткән разведчиктар төркөмөнә Днепр йылғаһын кисеп сығырға һәм дошмандың оборонаһын тар-мар итергә тигән бойороҡ бирелә. Йылғаны кискәндә, снаряд ярсығы тейеп, кәмә һыуға бата, рация менән идара иткән һалдат була, шулай ҙа Хәмит Ғәҙелшин радиостанцияны ҡотҡарып ҡала һәм дивизия штабы менән бәйләнеш булдыра. Ут ямғыры аҫтында алһыҙ-ялһыҙ 13 сәғәт рация менән эшләй. Ошо батырлығы өсөн ул юғары наградаға лайыҡ була. Был турала хәбәр бик тиҙ ауылға тарала, уҡытыусылар өйҙән-өйгә йөрөп данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһында яҙылған статьяны күрһәтә. Был ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй, герой үҙе лә ауылға ҡайтып төшә. Уның ауылдашы Рәшит Хәйбрахманов бына нимәләр һөйләй: “Август айында иһә геройҙың үҙен күреү бәхете тейҙе. Хәтерремдә, йәше-ҡарты ындыр табағында эшләй инек. Бер мәл, беҙҙең янға ат менән унлаған кеше килеп туҡтаны. Улар Хәмит Ғабдулла улын оҙата килеүсе ауыл хакимиәте етәкселәре булып сыҡты. Үҙенә ҡойоп ҡуйғандай килешеп торған хәрби кейем кейгән, күкрәгендә Алтын йондоҙ балҡыған 21 йәшлек Хәмит Ғәҙелшиндан мин ҡарашымды ла айырып ала алманым. Уның ауылдан китеүенә 7-8 йыл үтһә лә, ул ауылдаштары хаҡында ентекләп һорашты. Ҡатын-ҡыҙҙар шатлыҡтарынан иланы. Кискеһен, мәктәп янында Герой менеән осрашыу ойошторолдо. Хәрби комисариат хеҙмәткәре Хәмит ағайға ни өсөн бындай юғары исем бирелеүе хаҡында һөйләгәндән һуң, ул үҙе лә сығыш яһаны, әммә үҙе тураһында бер нәмә лә әйтмәне, бары тик фронттағы хәлдәрҙе һөйләп, тиҙҙән беҙҙең ғәскәрҙәрҙең еңәсәген белдерҙе һәм Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һәр кемде намыҫ менән эшләргә саҡырҙы”. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, Хәмит Ғабдулла улы хәрби хеҙмәтен Германия ерендә дауам итә. Артабан уҡыуын дауам итә: Ленинградтағы элемтә училищеһын, М.С. Буденный исемендәге Хәрби академияны тамамлай, полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһында Фрунзе исемендәге һөнәри училищела хәрби етәксе булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн яугир, ҡаһарман яҡташыбыҙ шулай уҡ I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Ленин ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Фото Интернеттан. Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Төндәлектәр... Факил ағай менән бергә эшләгәндәр бәхетле. Ундай егәрле кешене башҡа күргәнем юҡ. Редакцияларыбыҙҙа беҙҙең барлыҡ хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, ярҙам итеп, эштәребеҙҙе теүәлләп йөрөүсе кешебеҙ бар. Ул да булһа – Факил ағай Мырҙаҡаев. Эшкә иң беренсе булып килә, иң һуңғы булып ҡайтып китә. Шундай урынбаҫарым булыуы менән бәхетлемен. 1999 йылда “Башҡортостан”да бергә башлағайныҡ, 12 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгәндән һуң, 2011 йылда, миңә “Һәнәк”те ышанып тапшырҙылар. “Башҡортостан”ға минең урынға килгән баш мөхәррир, рәхмәт яуғыры, үҙе менән урамдан ике урынбаҫар тотоп алып керҙе. Шуны ғына көтөп торғанмы, Факил ағай: “Мин һинең менән эшләргә теләйем”, – тип бишенсе ҡаттан етенсе ҡатҡа күсеп менде. Шул осорҙан, ял көндәрен һәм отпускыларҙы иҫәпкә алмағанда, бергәбеҙ. Факил ағайҙың эшһеҙ ултырғанын күргәнем юҡ. Ул һәр ваҡыт яҙа, эҙләй һәм төҙәтә. Аҙаҡ шуларҙы китап итеп сығара. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияны юҡҡа бирмәйҙәр. 2004 йыл, бөйөк замандашыбыҙ Мостай Кәримдең 85 йәшен билдәләргә әҙерләнәбеҙ. Факил ағай тартынып ҡына: “Бына, ошоно йыйғайным”, – тип тос ҡына ҡулъяҙмаһын өҫтәлемә һалды. Көнөндә ҡарап сыҡтым һәм таң ҡалдым: “Факил ағай, һин бит хазина әҙерләгәнһең!”. Мостай Кәримдең һәм уның ҡәләмдәштәренең элек баҫылған әҫәрҙәренән алынған афоризмдар һәм әйтемдәрҙән тупланған “Фәһемле фекерҙәр донъяһында” исемле китап. Тик нисек нәшер итергә, ҡайҙан аҡса табырға? Мөрәжәғәт иткеләп ҡараным, 20-30 мең аҡса табыусы ла юҡ. Үҙебеҙ тәүәккәлләнек, “Башҡортостан” гәзите ул ваҡыт аҡсалы ине, редакция иҫәбенә баҫтырҙыҡ. Китап матур сыҡты, бер килгәнендә Мостай ағайҙың үҙенә һондоҡ. Рәхмәттәр уҡып, ҡабул итте. Бик ентекләп ҡарап сыҡты, кешенең күңелен күрә белә ине шағир, хуплауын йәшермәне: “Ҡара әле, Факил, һин бит беҙҙең булкаларҙың йөҙөмдәрен генә сүпләп алғанһың!” – тип хайран ҡалды. Тағы бер аҙ ҡарап ултырғандан һуң: “Киләсәктә беҙҙең яҙғандарҙан ошо фәһемле фекерҙәр генә тороп ҡалмаһа ярар ине”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Эш күп булғас, Факил ағайға маҡтау аҙ эләгә. Үҙе лә сәпәкәй көҫәп йөрөгәне юҡ. Ошоларҙы яҙып бөттөм дә, уйға ҡалдым, ағай бигерәк баҫалҡы, оҡшатмай ҡуймаһа ярар ине.
Кисә Эстонияның Палдиски ҡалаһында, Салауат Юлаевтың һуңғы 25 йыл ғүмере үткән урында, башҡорт халҡының милли батырының тыуыуына 266 йыл тулыуҙы билдәләгәндәр. Ҡөрьән сүрәләре, башҡорт милли уйын ҡоралы – ҡурай моңо яңғыраған, геройҙың һәйкәленә сәскәләр ултыртылған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Таллиндағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Флүзә Хәйруллина һөйләгән. Эстонияның Палдиски ҡалаһында (элекке Рогервик ҡәлғәһе) башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл бар. Тамара Нечаева эшләгән Салауат Юлаев бюсының күсермәһе суйындан ҡойолған, бюстың ауырлығы – 214 килограмм, бейеклеге – бер метр. Салауат Юлаев 1775-1800 йылдарҙа ғүмеренең һуңғы осорон уҙғарған элекке Рогервик ҡәлғәһендә – Палдиски ҡалаһының элекке мэрияһында эстон, рус һәм инглиз телдәрендәге яҙыуҙар менән мемориаль таҡта тора. «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы бына 20 йыл инде атаһы Юлай Аҙналин менән Эстляндия губернаһы Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелек һөргөнгә ебәрелгән башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың хәтерен ҡәҙерләп һаҡлай. Эстонияла башҡорт диаспораһының әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн Палдискиҙа һәр кем Салауат Юлаевтың кем икәнен белә. «Палдискиҙа ике һәйкәл бар. Береһе 1893 йылдың 7 сентябрендә «Һыу ҡыҙы» хәрби карабында һәләк булған Рәсәй император флотының 177 морягына арналған. Икенсеһе – Палдиски үҙәгендә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Башҡортостандың милли геройының һәйкәленә күберәк иғтибар күрһәтелә. Палдискиҙа йәшәүселәр башҡорт халҡы өсөн ғорурлана: ике быуат үтһә лә, башҡорттарҙың яҡташтарын һәм геройын онотмауына, традицияларҙы хөрмәт итеүенә һоҡлана», – тип һөйләй Флүзә Хәйруллина. #Бәләбәй хәбәрҙәре#яңылыҡтар#Салауат Юлаев#Палдиски Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Ҡорбан байрамы - иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Ул хаж тамамланыуын белдерә, Ҡорбан байрамы Зөлхизә айы-ның унынсы көнөндә башлана һәм ҡорбан салғандан һуң тағы ике көн дауам итә. Ҡорбан байрамы - иң мөһим мо-солман байрамдарының береһе. Ул хаж тамамланыуын белдерә, Ҡорбан байрамы Зөлхизә айы-ның унынсы көнөндә башлана һәм ҡорбан салғандан һуң тағы ике көн дауам итә. Учалы ҡала һәм район мөх-тәсибе Дим Закиров бел-дереүенсә, быйыл ҡорбанға ике мәсеттә йөҙҙән ашыу һа-рыҡ салынған. - Иншаллаһ, Ҡорбан бай-рамдары хәҙер шундай матур, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Ҡайҙа ғына барма - рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр, ата-бабаларҙың доғалары, изге теләктәре тормошҡа аша, хаҡ динебеҙ көсәйә, ул тормошҡа көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Быйыл да «Зәйнулла ишан» мәсетенә 300 йөҙләп кеше йыйылды. Бигерәк тә йәш-тәр балаларын етәкләп, са-быйҙарын күтәреп килеү-ҙәре бик ҡыуандыра. Байрам намаҙынан һуң ҡорбан са-лынып, һаулыҡтары ҡаҡ-шау сәбәпле, сараға килә алмаусыларға алдан әҙерлән-гән исемлек буйынса таратып бирелде, - тип һөйләй ул. Быйылғы йылда районы-быҙға ҡорбанлыҡҡа башҡа төбәктәрҙән һарыҡтар кил-терелмәгән. Уларҙы һуйыр өсөн махсус урын әҙерләп, ветеринария нормалары ҡағиҙәләренә ярашлы, те-йешле документтары бул-ғандары ғына ҡабул ителгән. «Нур» мәсетендә лә Ҡорбан ғәйете тантаналы рәүештә билдәләнде. Иман йортона халыҡ күпләп килгәйне. Мә-сеттең имам-хатибы Данил Сиражетдинов байрам на-маҙынан һуң Башҡортостан-дың Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғ-мәтуллиндың Ҡотлау хатын уҡыны, байрамдың тарихы, ҡорбан салыу тәртибе менән таныштырҙы, мосолмандарға кәрәкле ҡиммәттәр тураһы-нда вәғәздәр һөйләп үтте. - Раббыбыҙ биргәненең ҡәҙерен белеп, булғанына шөкөр итеп, тейешлеһен үтәп, тыйғанынан тыйы-лып, ниәттәребеҙ изге, кү-ңелдәребеҙ таҙа, ғәмәлдәре-беҙ күркәм булып, динебеҙ сафлығын һаҡлап ҡалайыҡ! - тип, ихлас өндәне ул. Һуңы-нан байрамға килеүселәрҙе мәсет тышында әҙерләнгән өҫтәлдәргә ҡорбан ашы ашарға саҡырҙы. Тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр таратып бешкән былауҙы һәр кем ауыҙ итте. Өс көн буйына дауам иткән байрам көндәрендә мосол-мандар Ҡорбан салып, туғ-андарын, ҡунаҡҡа саҡыра, фәҡирҙәрҙең, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә, бүләктәр тарата. «Ҡорбан» һүҙе «яҡынайыу» мәғәнәһендә, Алаһы Тәғә-ләгә изге ғәмәлдәр менән яҡ-ынайыуҙы аңлата. Ҡорбан салып, беҙ Раббыбыҙға яҡын-лығыбыҙҙы тағы бер иҫ-батлайбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә: «… Аллаһы Тәғәләгә күңелдәрегеҙҙәге имандарығыҙ, ихласлығығыҙ ирешә. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн салынған ҡорбан ҡанының беренсе та-мсыһы ергә төшкәнсе, Аллаһ шул кешенең гонаһтарын һис шикһеҙ ярлыҡар», - ти. Алаһы Тәғәлә Ҡорбан ғә-йетен, был мөбәрәк көндө уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, сал-ған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен! Амин! Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Быйыл яҙҙың иртә килеүе һәм көндәрҙең йылы тороуы һалҡын ҡанлы хайуандар тормошона ла йоғонто яһамай ҡалманы. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаныу һәм экология министрлығына баҡсасылар, ауыл кешеләре участкаларында, ихаталарында йыландар осрауы тураһында хәбәр итеп, йыш шылтырата башлаған. Быны дәлилләп, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет үҙ йорто ихатаһында йылан тотҡаны тураһындағы видеояҙманы “Бәйләнештә” социаль селтәренә һалды. Был һөйрәлеүселәр ауыл хужалығына зыян килтергән, ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙы ташыған сысҡандарҙы һәм ҡомаҡтарҙы юҡ итә. Шуға ла үҙегеҙҙең участкағыҙҙа ҡара йылан йәки туҙбаш күрһәгеҙ, һеҙҙе тик торғандан ҡурҡытырға килгәндәр тип уйламағыҙ. Улар сысҡандарҙы, ҡоротҡостарҙы (тимәк, баҡсағыҙҙа бар) аулай. Баҡсағыҙға йылан килмәһен тиһәгеҙ, унда тәртип урынлаштырығыҙ, йәғни былтырғы япраҡтарҙы, төрлө сүп-сарҙы йыйыштырығыҙ, төҙөлөш материалдары араһында арауыҡ һәм ярыҡ ҡалдырмағыҙ. Йылан тешләгән осраҡта, ул урынды жгут менән бәйләп, ағыуҙы һурып алырға кәрәк. Яраны һабынлап йылы һыуҙа йыуырға, йәки составында спирт булған иҙмә менән ыуырға кәңәш ителә. Һыҙланыуҙы баҫҡан дарыу ҡабул итеп, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Фото: скриншот. Автор: Рәмилә Мусина https://bash.rbsmi.ru/articles/yra-ay-m-khit/Yilan-yorto-o-a-kildeme-317370/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Күгиҙел ауылында үҙенсәлекле моң оҫтаһы, гармунсы һәм йырсы, әүҙем йәмәғәтсе Әхәт Урмантаевтың 65 йәшлек юбилейына арналған “Уйнат әле гармуныңды!” исемле кисә үтте. Уны ауылдың китапханасыһы, Күгиҙелдең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт донъяһына нур өҫтәүсе, бихисап саралар үткәреүсе Зифа Мәүлитова ойошторҙо. Күркәм кисәлә Әхәт Әхмәҙулла улының ауылдаштары, яҡташтары, дуҫтары, йыр-моң һөйөүселәр ихлас ҡатнашты. Темәс ауылында тыуған Ә.Урмантаевтың барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы Күгиҙел менән бәйле. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының зоотехния бүлеген, Павловка урман хужалығы училищеһын, Йылайыр ветеринарҙар әҙерләү училищеһын тамамлаған Әхәт Әхмәҙулла улы ғүмерен ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнай, “Һәүәнәк” совхозының Комсомол бүлексәһендә эшләй. Тормошо намыҫлы хеҙмәттә үтә, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” маҡтаулы исеменә, бихисап Почет грамоталарына лайыҡ була. Ә. Урмантаев бер ҡасан да йыр-моңдан, гармунынан айырылмай, ауылдың, райондың мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәй. “Иң яҡшы атай” район конкурсында 2-се, “Уйна, гармун!” республика бәйгеһендә 3-сө урынды яулай, районда ойошторолған йыр һәм таҡмаҡ конкурстарында һәр саҡ еңеүсе булып таныла. Ул йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Әхәт ағай оҙаҡ йылдар профсоюз комитеты рәйесе була, депутат итеп һайлана, бына тиҫтә йылдан ашыу инде ауылдың ветерандар советын етәкләй. “Атайсал” клубы ағзаһы. Тормош иптәше Зәлифә Исмәғил ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, бына 42 йыл инде татыу тормош көтәләр. Әхәт Әхмәҙулла улын юбилейы менән Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, Баймаҡ үҙәк район китапханаһы директоры Земфира Ильясова, танылған үҙешмәкәр композитор Вилүр Мәүлитов, хеҙмәт ветераны, йырсы Фәрит Йосопов, мәктәп уҡыусылары, китапханасылар, дуҫтары һәм ауылдаштары ихлас тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе. Артабан да сихри гармуның моңо тынмаһын, үҙенсәлекле һәм халыҡсан йырҙарың сәхнә күрке булһын, Әхәт Әхмәҙулла улы!
Португалия, Ирландиянан өлгө алып, халыҡ-ара финанс ярҙамы программыһынан сығырға ҡарар итте. Халыҡ-ара валюта фонды, Евроберләшмә һәм Европа Үҙәк банкы тәьмин иткән 78 миллиард евро күләмендәге программаның ваҡыты 17 майҙа тамамлана. Артабан Лиссабон, ситтән ярҙам алмайынса, үҙ аллы эш итергә ниәтләй. Был турала Португалияның уң үҙәк хөкүмәте премьер-министры Педру Пасуш Коэльо тантаналы рәүештә иғлан итте: “2014 йылдың 17 майы беҙҙең тарихыбыҙҙа Португалия халҡының көнө булып ҡаласаҡ, сөнки берҙәм тырышлыҡ булмаһа, беҙ быға ирешә алмаҫ инек. Был ниндәйҙер сәйәси фирҡәнең йәки хөкүмәттең генә көнө түгел. 17 май- һеҙҙең көнөгөҙ. Португалияның бөтә граждандарын мин шуның менән ҡотлайым.” Ярҙам тамамланыу мәленә Португалия, бюджет ихтыяждарын үҙаллы финанслау өсөн, капитал баҙарына инеү юлдарын тергеҙергә тейеш. Коэльо һүҙҙәре буйынса, бының өсөн ил ресурстары етерлек. Ҙур ҡаршылыҡ акцияларына ҡарамай, властар ҡаты ҡул менән эш урындарын ҡыҫҡартты һәм һалымдарҙы күтәрҙе, шул рәүешле дәүләт бюджеты дефициты 2013 йылда ВВП буйынса 4,9 процентҡа түбәнәйҙе- 2010 йыл менән сағыштырғанда, ул ике тапҡырға кәмерәк. Тик португаллыларға быуған билбауҙарын бушатырға иртәрәк- хөкүмәт 2015 йылда йәнә 1,5 миллиард евро экономияларға иҫәп тота. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Баш ҡала хакимиәтендә сараны ойоштороу буйынса фекер алышыу булды. Ситтән тороп ҡатнашырға теләүселәр алдан ветеран хаҡында мәғлүмәт тупланған заявка тапшырырға тейеш. ... Акция 9 майҙа ойошторола. Колонна Октябрь проспекты буйлап атлай. Сараға ҡушылыусыларҙың битлектә булыуы мотлаҡ. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
10 ноябрҙә район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, "йәш блогер" проекты етәксеһе Юлия Анатольевна Судовикова, йәш блогерҙар мәктәбе укытыусыһы Айгөл Флүр ҡыҙы Ғилманова Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 4 “А” һәм “Б”, 7 “В” класының уҡыусылары менән Ғафури мәғлүмәт үҙәгенә ҡунаҡҡа килде. Йәш блогерҙар “Табын” гәзитендә ҡунаҡта Уларҙы “Табын” район гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева ихлас ҡаршы алып, коллектив менән таныштырҙы, гәзит эше тураһында мәғлүмәт бирҙе. Йәш блогерҙар төрлө йылдарҙа сыҡҡан гәзит төпләмәләрен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Артабан өс командаға бүленеп, практик өлөшкә күстеләр. Гәзиттең яуаплы сәркәтибе Зифа Ғайсина баҫманың эшләнеше, тәржемә менән таныштырһа, фотохәбәрсе Наил Латипов фотоға төшөрөү үҙенсәлектәре тураһында аңлатты, элекке фотоаппараттар тупланмаһын күрһәтте. Хәбәрселәр Индира Ишкина менән Әлфиә Вәлиева мәҡәлә яҙыу серҙәренә төшөндөрҙө һәм балалар үҙҙәре лә хәбәр-мәғлүмәт яҙып ҡараны. Компьютерҙа гәзитте версткалаусы инженер Гүзәл Ҡасимова фотоларҙы, мәҡәләләрҙе нисек ҡуйырға күрһәтте, хатта уҡыусылар менән бергә махсус сығарылыш та эшләп ҡаранылар. Был осрашыу бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле барҙы. Йәш блогерҙар “Гәзит эше еңелме?”, “Гәзиткә кемдәр яҙа?”, “Һеҙҙә эш хаҡы күпме?” тигән һорауҙар ҙа яуҙырҙы. Илья Чернов күҙ асып йомғансы динозаврҙар тураһында мәғлүмәт яҙып бирһә, Азалия Мөхәмәтдинова, Амилия Ғилманова, Аделина Әхтәмова, Зәлинә Саҙриева, Фәриҙә Фәхретдинова “Табын” гәзите редакцияһында булған сәйәхәтте ҡағыҙ битенә яҙып, һүрәтләне. Эльвина Ишманова, Эвелина Әбделмәнова, Азат Нәзиров, Лилиә Фәйзуллина, Вадим Баймырҙин үҙҙәренең оҫталыҡтарын тәржемә эшендә һынап ҡараны. Йәш блогерҙар гәзит эше менән танышҡандан һуң, был бик мауыҡтырғыс эш булыуына инандылар. Бәлки, киләсәктә араларынан журналистар, фотохәбәрселәр, гәзиттә эшләүсе инженер-операторҙар ҙа сығыр әле. Уларға уҡыуҙарында, изге эштәрендә уңыштар ғына юлдаш булһын! Йәш блогерҙар “Табын” гәзитендә ҡунаҡта Автор:Альфия Валиева Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ҡәҙерле дуҫтар! “Йүрүҙән” гәзитенә яҙылыу өсөн тағы ла уңайлыраҡ ысул тәҡдим итәбеҙ.Бының өсөн Интернеттан сайттың адресын, йә иһә гәзиткә яҙылыу өсөн һылтанмаһын эҙләргә лә кәрәкмәй. Бары тик смартфон, планшет ҡына булыуы шарт.Онлайн режимда уның камераһын асып, һүрәттәге QR-кодҡа төбәгеҙ. Телефон экранында һылтанма килеп сығыр, шуның буйынса үтеп, “Йүрүҙән” гәзитенә еңел генә яҙылырға мөмкин.Йәштәр, һеҙ был мәсьәлә буйынса өлкән йәштәге атай-әсәйҙәрегеҙ, олатай-өләсәйҙәрегеҙгә ярҙам итә алаһығыҙ!Мөхәрририәт. Ҡәҙерле дуҫтар! “Йүрүҙән” гәзитенә яҙылыу өсөн тағы ла уңайлыраҡ ысул тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн Интернеттан сайттың адресын, йә иһә гәзиткә яҙылыу өсөн һылтанмаһын эҙләргә лә кәрәкмәй. Бары тик смартфон, планшет ҡына булыуы шарт. Онлайн режимда уның камераһын асып, һүрәттәге QR-кодҡа төбәгеҙ. Телефон экранында һылтанма килеп сығыр, шуның буйынса үтеп, “Йүрүҙән” гәзитенә еңел генә яҙылырға мөмкин. Йәштәр, һеҙ был мәсьәлә буйынса өлкән йәштәге атай-әсәйҙәрегеҙ, олатай-өләсәйҙәрегеҙгә ярҙам итә алаһығыҙ! Мөхәрририәт. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Ауылым инәйҙәре хаҡында күңелемдә яҡты уйҙар йөрөтәм. Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылының Мифтахетдин Аҡмулла урамында Шәмсинур, Рафиға, Разия, Зифа, Fилминур, Мәхүпъямал, Фазила, Бөртөкбикә, Нурия, Гөлйәүһәр, Маһикамал, Камила һәм Бибиниса исемле инәйҙәр йәшәне. Әле уларҙың дүртәүһе генә иҫән. Ауылым инәйҙәре хаҡында күңелемдә яҡты уйҙар йөрөтәм. Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылының Мифтахетдин Аҡмулла урамында Шәмсинур, Рафиға, Разия, Зифа, Fилминур, Мәхүпъямал, Фазила, Бөртөкбикә, Нурия, Гөлйәүһәр, Маһикамал, Камила һәм Бибиниса исемле инәйҙәр йәшәне. Әле уларҙың дүртәүһе генә иҫән. Тормоштоң бар ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыһалар ҙа, улар ихласлыҡтарын, дәрттәрен юғалтманы. Бигерәк тә Мәхүпъямал инәй шаянлығы менән алдыра торғайны. Концерт килһенме, байрам булһынмы, бейергә төшөп китер, һәр саҡ мәрәкәле һүҙҙәре менән көлдөрөп, күңелдәрҙе күтәрер ине. Арпа, сөйәл, өсйәнде имләүсе, мейе ултыртыусы ла булды. Бер ҡасан да насар кәйефтә йөрөмәне, килгән кешеләрҙе кире ҡаҡманы. Апһыны, күршеһе, ғүмере буйы совхоз бейәләрен һауыусы Fилминур инәй менән байрамдарҙа бал итәкле күлдәктәрен кейеп, камзулдарының тәңкәләрен сыңлатып, һәлмәк баҫып урам буйлап үтеп киткән саҡтары әле лә күҙ алдымда. Ҡасандыр төҙ кәүҙәле, аҙ һүҙле, мөләйем йөҙлө, кәрәк саҡта ҡатыраҡ холоҡло, һылыу Фазила инәйем хәҙер бирешкән. Шулай ҙа уның урамға сығып йөрөүен күреү генә лә күңелгә рәхәтлек өҫтәгәндәй. Бөртөкбикә инәй иһә сәсән телле булды. Ниндәй генә байрам булмаһын, ул шиғыр, мөнәжәт, бәйеттәр әйтте. Бигерәк оҫта ҡуллы булды үҙе. Емеш-еләктән ҡаҡ ҡойоу тиһеңме, бәйләү, тегеү булһынмы—барыһын да булдырҙы. Уның күршеһе Нурия инәйҙе иһә республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә танып белделәр. Ул Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың фатихаһы менән халыҡ имсеһе булып танылыу алды. Быуындарының һыҙлауына зарланып килеүселәрҙе ҡараны. Хатта ҡайһы берҙә табиптар: ”Башта Нурия инәйгә барып күренегеҙ әле,”—тип сирлеләрҙе уға йүнәлтеп ебәргәндәр. Аҡ йөҙлө, сылтырап аҡҡан шишмәне хәтерләтеүсе гәлсәр тауышлы инәйҙе әле лә юҡһынабыҙ. Зифа инәйгә килгәндә, ул урамыбыҙ инәйҙәре араһында иң йәше ине. Бар яҡтан да килгән, әле лә төҫ ташламай, исеме есеменә тура килеп торған кеше оло юғалтыу кисерҙе. Илле йылдан ашыу бергә ғүмер иткән тормош юлдашы баҡыйлыҡҡа күсте. Был ҡайғыны ауыр кисергән инәйем артабан йәшәргә көс табырға, инде ҡайһы берҙәре үҙҙәре өләсәй-ҡартатай булып өлгөргән балаларына терәк булырға тырыша. Гөлйәүһәр инәйебеҙҙе лә яҙмыш бер-бер артлы ҡайғы-хәсрәттәрен, юғалтыуҙарын ебәреп һынай килә. Бөтмөр, егәрле, тыныс инәй хәҙер йыш сирләй, тиҙәр. Бәләкәй сағымда уның мейес сығарыуҙары ла иҫемдә. Уның күршеләре Маһикамал, Камила инәйҙәр ҙә күптән гүр эйәһе булды. Маһикамал инәй иртә аяҡтан яҙып, атлауҙан мәхрүм булған кеше ине. Мәктәпкә барған-ҡайтҡан саҡтарымда уның тупһала ултырған саҡтарын йыш күргеләнем. Камила инәй көр тауышы менән барыһынан да айырылып торҙо. Мыҡты кәүҙәле, ҙур, матур күҙле, һылыу ҡатын булды. Бибиниса инәйҙең холҡон иҫләмәһәм дә бигерәк ҡаҡса, нәҙек, оҙон буйлы булыуы хәтеремдә уйылып ҡалған. Шәмсинур инәйҙең дә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған тип ишеттем. Күршеһе Рафиға инәй менән улар апалы-һеңлеле кеүек ҡатнашып йәшәне. Икеһе лә тормош һынауҙарына бирешмәй балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләне. Разия инәй ҙә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылып, бик күп юғалтыуҙар кисереп, тормоштоң әсе елдәренә бирешмәйенсә донъя көтөп, балаларын бер үҙе үҫтереп, әжәлгә генә көсө етмәйенсә, етмеш бишен дә тултырмай китеп барҙы. Бер генә урам, ә күпме кеше яҙмыштары ярылып ята унда! 20-се быуаттың бөтә афәттәрен күргән, үҙ иңдәрендә татыған кешеләр бит улар. Һағындыра, юҡһындыра инәйҙәремде. Баҡыйлыҡҡа күскән инәйҙәремдең ятҡан урындары тыныс, йәндәре йәннәттә була күрһен. Ә иҫәндәренә—Зифа, Фазила, Гөлйәүһәр, Шәмсинур инәйҙәремә тыныс, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, оҙон, бәхетле ҡартлыҡ насип булһын!
Көндәр һыуытыу менән йүтәлдән яфаланыусылар артты. “Әллә ниндәй йүткерек булды ул – бөтмәй ҙә, китмәй ҙә”, – тиеүселәр етерлек. Шуны иҫтә тотоп, һеҙҙең иғтибарға йүтәлдән ҡотолоуҙың бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ. Көндәр һыуытыу менән йүтәлдән яфаланыусылар артты. “Әллә ниндәй йүткерек булды ул – бөтмәй ҙә, китмәй ҙә”, – тиеүселәр етерлек. Шуны иҫтә тотоп, һеҙҙең иғтибарға йүтәлдән ҡотолоуҙың бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ. - 1 стакан һөт ҡайнатырға. Шунан уға 1 аш ҡалағы аҡ май (һыйыр майы) һәм 1 ҡалаҡ бал һалырға кәрәк. Айырым һауытта йомортҡа һарыһына бал ҡалаҡтың осонда ғына сода алып һалырға һәм яҡшылап болғатырға. Артабан ике ҡатнашманы бергә ҡушырға кәрәк була. Әлбиттә, бик тәмле ҡатнашма килеп сыҡмаҫ, әммә файҙаһы ҙур. - 2 ҡалаҡ иҙелгән һарымһаҡты 100 грамм аҡ майға ҡушып болғатығыҙ. Ошо май менән төнгөлөккә аяҡ табандарын майлағыҙ, ойоҡбаш кейегеҙ. Был дауа тиҙ арала ярҙам итә. - Бер тигеҙ өлөштә ҡырғыстан үткәрелгән һуған, алма һәм бал алып, бергә бутағыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ ҡабул итегеҙ. Алма ҡабығын эҫе һыуҙа төнәтеп, эсегеҙ. - Ярты ҡалаҡ алоэ һутын ярты ҡалаҡ бал менән буташтырып, ошо ҡатнашманы бер нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға. - 1 стакан күләмендә кәбеҫтә алығыҙ, уға биш стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3 – 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсегеҙ. Был дауаны ҡаҡырыҡты шыйығайтып, уның сығыуын еңеләйтеү өсөн ҡулланырға була.
2022/23 уҡыу йылына юғары белем программалары өсөн Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы Башҡортостанға 13,6 мең бюджет урыны бүлгән. Был яҡшы яңылыҡ менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә лә бүлеште. 2022/23 уҡыу йылына юғары белем программалары өсөн Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы Башҡортостанға 13,6 мең бюджет урыны бүлгән. Был яҡшы яңылыҡ менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә лә бүлеште. Фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков әйтеүенсә, белгестәр әҙерләүҙә дәүләт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып инженер-техник (251 033 урын), педагогик (75 788 урын), медицина (53 450 урын) һәм ауыл хужалығы (41 095 урын) белгеслектәре ҡаласаҡ. Бигерәк тә уларға төбәктәрҙә ихтыяж ҙур, шуға ла тап улар өсөн бюджет урындары күберәк бүленә. 2022-2023 уҡыу йылдарына Башҡортостан бакалавриат программаһы буйынса – 7949, магистратураға – 2737, специалитетҡа – 1790, аспирантураға – 181, ординатураға – 935, ассистентура-стажировкалауға ун бюджет урыны алған. Бюджет урындары Башҡортостан дәүләт медицина университетында 261-гә артҡан, дөйөм һан 2022-2023 уҡыу йылдарында 1853 буласаҡ. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошондай урындар 79-ға күбәйгән, дөйөм һан 1770 тәшкил итәсәк. Контроль һандарҙың иң күбе Өфө дәүләт нефть техник университетында: 3087 бюджет урыны буласаҡ. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикаға бюджет урындарын алыу мөһим, был көнәркәшлекте көсәйтә. – Йәштәр Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында сифатлы белем алһын өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе булдырырға тырышабыҙ. Донъяуи кимәлдәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөлөү беҙҙең юғары белем системаһына өмөт бирә. Ул республикаға талантлы йәштәрҙе йәлеп итәсәк, Рәсәй һәм донъя компаниялары менән партнерлыҡты нығытыуға булышлыҡ ҡыласаҡ. Беҙ төп проблемаларҙы яйға һалыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ: инвестицияларҙы үҫтереү, иҡтисадты технологик йәһәттән модернизациялау, фән, мәғариф һәм бизнес интеграцияһы. Бюджет урындарын күбәйтеү иһә юғары уҡыу йорттарының көнәркәшлеккә һәләтен арттырасаҡ. Был кешелек капиталы үҫешенә килтерергә, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә һәм республика үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш", — тине Радий Хәбиров. Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, киләһе ике йылда юғары уҡыу йорттарында өҫтәмә 45 мең бюджет урыны булдырыласаҡ, уларҙың 70 процент самаһы төбәктәргә бүленәсәк. Фото: вести35.рф Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
(Ҡартатайым Мөхәмәт Резбаев иҫтәлегенә) Минира БИКӘНӘСОВА.Күптән түгел авторҙың “Доға ҡөҙрәте” исемле китабының исем туйы үтте. Шул йыйынтыҡтағы ошо хикәйәне иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ. Был булған хәл, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Минира Винер ҡыҙының олатаһы Мөхәмәт Резбаевтың һуғыш хәтирәләренә нигеҙләнеп яҙылған....Ҡаты гөрһөлдәү тауышы мөһим заданиены үтәп ҡайтып килгән һалдаттарҙың икеһен ике яҡҡа алып осорҙо. Күкрәк тәңгәлендәге ҡаты һәм ауыр нәмәне тойоп, иҫенә килде Мөхәмәт Резбаев. Көс-хәл менән күҙҙәрен асты, башы ауырта, ҡолағы бер ни ишетмәй. Немец һалдатының кирза итеге уның күкрәген иҙеп алып бара. – Әһә, тере был мәхлүк! Әйҙә тор, атла! – тип бойорҙо ул. Мөхәмәт йығылып китмәҫкә тырышып, тороп баҫты. «Павел ҡайҙа икән?» тип уйларға ла өлгөрмәне, үҙенән 10–15 метр йыраҡлыҡта ятҡан дуҫының ҡанға батҡан үле кәүҙәһен күреп әсенде. «Эх, был ҡәбәхәттәр ҡулына эләгеү – ниндәй хурлыҡ. Бының өсөн баштан һыйпамаясаҡтар бит. Нимә эшләргә, ҡулда бер граната булһамы...» ...Әсирлеккә төшкән һалдаттарҙы немецтарҙың лагерына алып барып, теҙеп баҫтырҙылар. – Арағыҙҙа ат ҡарай белгәндәр бармы? Мөхәмәт бер аҙым алға атланы. Аттар янына уны мылтыҡ тоҫҡап алып килделәр. «Эй, бахыр аттар! Ҡәһәрле һуғыш һеҙҙе лә һиҫкәнергә өйрәткән, малҡайҙарҙың күҙҙәре тулы һағыш һәм хәсрәт», – тип уйланы ғүмере буйы конюх булып эшләгән ир, уларҙы күргәс. – Бына ошонда хәҙер йәшәйәсәкһең, маңлайыңа пуля алғың килмәһә, яҡшы итеп ҡара аттарҙы, – тип әмер бирҙе дошман һалдаты, һаҡта торғанына нимәлер бышылданы ла сығып китте. Атты иң аҡыллы хайуан тип әйтәләр, бына әле лә улар әсирҙең хәленә ингәндәй бышҡырып ҡаршы алды. Мөхәмәт һәр береһен яратып һыйпаны, алдарына йәшел үлән килтереп һалды, һыу эсерҙе. Үҙе лә шул һыуҙа сайҡанып алды, ҡан ойошҡан бит-ҡулын йыуҙы. “Малдың ни ғәйебе бар был ҡанлы һуғышта? Күпме ат ятып ҡала яу яланында!” Мөхәмәттең күҙҙәренән йәш тамды. Уның ауылда ҡалған Орлик ҡушаматлы аты ни эшләй икән? Уны ла һуғышҡа алып киткәндәрҙер, йә колхоз эшенә егәләрҙер, тип уйлап алды. Ағиҙел буйы туғайҙарында ат көткән саҡтарын иҫенә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы. Немец һалдаттары әсирҙәрҙе бөтә ауыр эшкә екте. Кәрәкме-юҡмы, ҡарап тормайҙар, иң мөһиме, үҙҙәренең өҫтөнлөгөн күрһәтергә, ошо ерҙең хужалары итеп тойорға тырышалар. Ас- яланғас, яралы һалдаттар таңдан алып ҡара төнгә тиклем бил бөгә. Мөхәмәт аттарҙы аҡтыҡ көсөн һалып ҡараны, ашатып-эсерҙе, аҫтарын таҙартты, арба-саналарҙы йүнәтте, йүгән-дилбегә кеүек кәрәк-яраҡты рәтләне. Немецтар һәр ерҙә бөхтәлек ярата, әҙерәк кенә бысраҡ күрҙеләрме – Мөхәмәтте иҫтән яҙғансы туҡмап ташларға ла күп һораманылар. ...Бер көн дошман һалдаттары ҡайҙалыр йыйына башланы. Өҫ-баштары ялбырап бөткән, аслыҡтан хәлһеҙләнгән әсирҙәрҙе сафҡа теҙеп баҫтырҙылар. – Һеҙҙе былай ғына атып үлтермәйбеҙ. Хәҙер бик күңелле тамаша буласаҡ, тәүҙә шуны ҡарағыҙ, – тип оятһыҙ йылмайҙы немец офицеры. Шул ваҡыт овчаркалар менән бер төркөм һалдаттар килеп баҫты. Эттәр бер туҡтауһыҙ өрә, бына-бына әсирҙәрҙең өҫтөнә ташланыр кеүек. – Сафта торған килеш унға тиклем һанарға! – тигән әмер яңғыраны. Әсирҙәр бер-бер артлы һанарға кереште. – Беренсе, икенсе, өсөнсө... – Унынсы... Унынсы әсирҙе мылтыҡ төйҙәһе менән сафтан төртөп сығарып, немец һалдаттары овчаркаларын ысҡындырҙы... Ҡомһоҙ эттәрҙең ҡоро һөйәккә ҡалған әсирҙе йолҡҡослағанын башҡалар ҡарамаҫ өсөн күҙҙәрен йомдо, дошмандарҙың мыҫҡыллы көлөүе эт өрөүенән дә нығыраҡ ишетелде. – Беренсе, икенсе, өсөнсө... – Унынсы... “Ошо икән дошман ҡулынан үлемем! Эх, теге юлы снаряд ярсығынан үлһәм, мең артыҡ булыр ине”, – тип уйланы Мөхәмәт. Уның атаһы Ғариф ҡарт тирә-яҡта билдәле, бик уҡымышлы мулла ине. Замандар үҙгәреп китеп, дингә әллә ни ылыҡмаһа ла Мөхәммәт атаһы доғалар уҡыған саҡта, үлгән йә сирле янында ясин сыҡҡан ваҡытта уны иғтибар менән тыңлай торғайны. Шуның өсөн дә бер нисә доға иҫендә ҡалған. “Берәүҙән һуң сират миңә етәсәк, үлер алдынан белгән доғаларымды уҡып, әжәлде Хоҙайға һыйынып ҡаршы алайым”, – тип Мөхәмәт шым ғына доға уҡый башланы: – Лә илаһи иллалаһ... Тыуған йортонда ҡалған өс ҡыҙы, улы, ҡатыны уның күҙ алдынан үтте. Күңеленән генә улар менән хушлашты, гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап ялбарҙы. – Беренсе, икенсе, өсөнсө... – Унынсы... Мөхәмәт күҙен йомоп, дошман эттәренең һөжүменә ҡаршы атланы. Туҡта, ни булды һуң әле? Ниңә бер эт тә миңә ташланмай? Әллә был төшмө? Ирҙең мейеһендә бер-бер артлы мең һорау тыуҙы, ул яй ғына күҙен асты. Бәй, ни күрә: немец һалдаттары тырым-тырағай ҡайҙалыр йүгерә, урман яғынан «ура-а-а» тауыштары ишетелә. Әсирҙәр әле генә барған мәхшәрҙән айный алмай баҫып тора бирҙе. – Беҙҙекеләр килә, ура-а-а, үҙебеҙҙекеләр, беҙ ирекле, – тип Мөхәмәт ҡысҡырып ебәрҙе. Иптәштәре көтөлмәгән шатлыҡтан бер-береһенең ҡосағына ташланып илаша ине... Доға ҡөҙрәте менән ҡанлы һуғыш яландарын үтеп, еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтырын Мөхәммәт үҙе лә белмәй ине әле... Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө» трагедияһындағы Зөбәржәт образына кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған икән?! Фәриҙә Әхәт ҡыҙы ла, әҫәрҙәге мөхәббәт һәм ирек өсөн яратылған сибәр, ғорур дала ҡыҙы кеүек, рухлы, ҡыйыу, затлы таштай ғына аҫыл булыр тип юрап, көтөп алынған һөйөклө ҡыҙҙарына Зөбәржәт исеме ҡуша. Юрағандары юш килә йәш ата-әсәнең. Ҡыҙҙары Зөбәржәт Утарбаева бөгөн – социаль селтәрҙә «Уңған килен» сәхифәһен алып барған егәрле, матур, һүҙгә һәм эшкә маһир, төрлө яҡлап өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Өйҙә декрет ялында ултырған әсәйҙәргә кәрәкле кәңәштәрен биреп, файҙалы ризыҡ, тәм-том бешереү серҙәренә өйрәткән йәш һылыуҡай күптәрҙең күңелен ябайлығы, ихласлығы, йөрәк моңо менән арбаған. Уңған килен Зөбәржәт Зөбәржәт – Баймаҡ һылыуы. Күлтабан ауылында 1988 йылдың 23 октябрендә, ата-әсәһенең тәүге шатлығы булып донъяға килә. Ҡыҙ бәләкәйҙән үҙ аллы була. Ҡустыһы Арсен менән улар ата-әсә­һенең, кешелекле, ғәҙел, тура һүҙле булығыҙ, тигән алтын һүҙҙәрен күңел­дәренә һеңдереп үҫә. Атаһы Рәфҡәт Әхәт улы көнө буйы совхоз эшендә егелһә, әсәһе Фәриҙә Әхәт ҡыҙы мәк­тәптән бушамай, уҡыусыларға биология фәненән һабаҡ бирә. Зөбәржәткә биш йәш тулғас, ғаилә Сосновка ауылына күсә. Мәктәптә тырышып уҡый, бөтә түңәрәктәргә лә әүҙем йөрөгән ҡыҙсыҡтың күңеле йыр-моңға тартыла. Белем усағында үткәрелгән һәр байрамдың оҫта алып барыусыһына әйләнә, йырлай, бейей, биология, экология, химия буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша. 9-сы синыфта уҡығанда һылыуҙың тормошонда һынылышлы ваҡиға була: Баймаҡҡа барғанда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең район-ара конкурсы хаҡында хәбәр иткән иғланға юлыға. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Зөбәржәт һис шикһеҙ ҡатнашырға маҡсат ҡуя – эпостың мең юлын ятлау теләге менән яна башлай. – Бер ай ғына ваҡыт ҡалған, күңелемдә «мин булдыра алам» тигән сәм уянды, – ти ул, алыҫта ҡалған үҫмер йылдарын хәтерләп. – Эпос шул тиклем еңел иҫтә ҡала икән, бөтә тырышлығымды һалып, мең юллыҡ урынына мең ярым ятлап, икенсе урын алдым. «Урал батыр»ыбыҙҙы башҡорт, инглиз, төрөк телдәрендә һөйләп (төрөк телен өйрәнеү өсөн Сибай ҡалаһындағы төрөк лицейына барып дәрестәр ала), республика конкурсында лайыҡлы 3-сө урынға сыға тырыш ҡыҙ. Жюриҙа әҙә­биәтебеҙҙең алтын бағаналары булған Әхмәт Сөләймәнов, Мирас Иҙелбаев, Ғиниәт Ҡунафиндарҙы, фольклорсы Розалиә Солтангәрәеваны күреп, һоҡ­ланып, күңелендә: «Мин киләсәктә мотлаҡ филолог булам», – тигән яҡты хыял менән ҡайта бәйгенән. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, БДУ-ның Сибай институты филология факультетына уҡырға инә. Институттың иң алдынғы уҡыусыларынан һаналған, бөтә ергә лә өлгөр ҡыҙ, әлбиттә, юғары уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамлай. ...Зөбәржәттең тағы ла бер сифаты һоҡландыра: күңеленә ауыр саҡта ул, яңғыҙ ҡалып, «үҙ-үҙе менән осрашыу» ойошторорға ярата. «Ҡәһүәханаға инеп, сәй эсеп, уйҙарыңды тәртипкә килтереп, хата-уңыштарыңды барлап, үҙ-үҙең менән осрашып алыу – һәр кеше өсөн мөһим тәжрибә», – ти ул, беҙгә генә был серен асып. Алда тағы ла юғарыраҡ үрҙәрең, яңынан-яңы балҡыштарың көтһөн, һылыу! Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ. Автор:Айзилә Мортаева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Азат Миңнеғәли улы Айытҡолов Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуған. Ул 1978 йылдан алып Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-инструменталист булып эшләй. Халыҡ фольклоры белгесе, оҫта ҡурайсы, остаз булған Азат Айытҡоловтың республика сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның ҡатнашлығындағы һәр ҡурай байрамы, мәҙәни саралар - үҙе бер ҙур мәртәбә. Юҡҡа ғына уны "беренсе һанлы ҡурай" тип йөрөтмәйҙәр. Башҡорт сәнғәтенә, уның мәшһүр музыка ҡоралы ҡурайға булған һөйөүе - Азат Айытҡоловты арҙаҡлы шәхес кимәленә күтәрҙе. Уның башҡарыуындағы таныш һәм һирәк осрай торғай ҡурай моңдары халҡыбыҙ мәҙәниәтенең алтын фондын тәшкил итә. "Буранбай", "Хисам", "Сыңрау торна", "Ҡаһым түрә" көйҙәрендә халҡыбыҙҙың бөтә тарихы сағыла, данлы юлы ярылып ята. Азат Айытҡолов Өфөлә йәшәй, ул ҙур ғаилә башлығы ла. Ҡурайсының өс улы, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре, хатта бер бүләсәре лә бар. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Стәрлебаш районының Айҙарәле ауылында йәшәгән 57 йәшлек ир хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Уның йортонан 19 мең һум аҡсаһы юғалған. Полицейскийҙар хәлдең айышына төшөнөп, шик аҫтына алыныусыны билдәләгән. Тиҙҙән 23 йәшлек ир Ауырғазы районы полицейскийҙары тарафынан ҡулға алынған һәм Стәрлебаштағы хеҙмәттәштәренә тапшырылған. Енәйәтсе ғәйебен таныған, ваҡиғаны тәфсирләп һөйләп биргән. Быға тиклем ул йорт хужаһы менән таныш булған, шуға ла өйгә ҡаршылыҡһыҙ ингән, аҡсаны кеҫәһенә һалған да сығып киткән. Кеше аҡсаһын нимәгә тотонған тиһегеҙме? Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлланған, кәйеф-сафа ҡорған, ҡуртымға сауна алған һәм күңел асыр өсөн ҡыҙҙар саҡырған. Енәйәт эше асылған. Кеше иҫәбенә матур тормошта йәшәргә яратҡан ир закон алдында яуап бирәсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Башҡортостанда “Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” конкурсы тормошҡа ашырыла. Был сара мәктәп директорҙарының тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмаларына булышлыҡ итеү буйынса кәңәшселәр резервын булдырыу өсөн ойошторола. - “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” – Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының, Рәсәйҙең мәктәп директорҙарының тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмаларына булышлыҡ итеү буйынса кәңәшсе вазифаһына кандидат һайлау буйынса асыҡ конкурсы, - тип белдергән республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Республикала тәрбиә мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә, республикабыҙҙың күп милләтле икәнлеге иҫәпкә алына. Был этапта педагогтар конкурсҡа ҡушылды, 200-ҙән ашыуы “Дөйөм белем биреү ойошмаһында тәрбиә” квалификацияһын күтәреү буйынса уҡытыласаҡ. Кәңәшселәр институтының роле тураһында Рәсәй Мәғариф министрлығының Тәрбиә өлкәһендә дәүләт сәйәсәте, өҫтәмә белем биреү һәм балалар ялы департаменты директоры Наталия Наумова түбәндәгеләр хаҡында һөйләгән. - “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” проекты тәрбиә биреү системаһында ҙур мәғәнәгә эйә. Навигатор бала һәм белем биреү ойошмаһы тирәһендәге күп күләмле мәғлүмәттәрҙе асыҡларға булышлыҡ итә. Ул – тәрбиә өлкәһендә алдынғы технологиялар һәм ысулдар нөктәһе. Бала саҡ навигаторҙары чиновниктар түгел, улар директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе – мәктәптең белем биреү системаһын адреслата өйрәнә һәм уға нимә индереп булыуын аңлай. Былтыр “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” 10 пилот төбәгендә үткәрелгән. Улар - Брянск, Вологда, Калининград, Түбәнге Новгород, Омск, Сахалин, Төмән, Силәбе өлкәләре, Ставрополь крайы һәм Севастополь. Быйыл проектта тағы 35 төбәк ҡатнашасаҡ, кәңәшселәр колледждарҙа ла барлыҡҡа киләсәк. Шулай итеп, был проектты тормошҡа ашырыуға Башҡортостан да ҡушыла. Бөтә Рәсәй “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” конкурсында тәрбиә мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын асырға һәм балаларға үҙҙәре алдындағы күп мөмкинлектәрҙе аңларға ярҙам итергә теләгән уҡытыусылар ҡатнаша ала. Бының өсөн сайтта (https://rdsh.education/contest/) теркәлергә, анкета тултырырға, сайттағы шәхси кабинетҡа бала партфолиеһын индерергә һәм һөҙөмтә әңгәмәһен үткәрергә кәрәк. Ғаризалар 13 майға тиклем ҡабул ителә. Бөтә Рәсәй “Бала саҡ навигаторҙары 2.0” конкурсы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Белем биреү” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Фото: вологда.рф #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Автор:Айһылыу Низамова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт үҙәгенең “Виктория” эстрада-спорт бейеүҙәре өлгөлө ансамбле Ҡазан ҡалаһында үткән “Бейе, Рәсәй!” Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы, шулай уҡ 50 мең һумлыҡ аҡсалата грант алды.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт үҙәгенең “Виктория” эстрада-спорт бейеүҙәре өлгөлө ансамбле Ҡазан ҡалаһында үткән “Бейе, Рәсәй!” Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-при яуланы, шулай уҡ 50 мең һумлыҡ аҡсалата грант алды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан Конкурста ике төркөм ҡатнашты. Бәләкәстәр – дүрт, ҙурҙар төркөмө өс номер әҙерләгәйне. “Оҙаҡ ваҡыт сит ерҙәргә сығып йөрөй алманыҡ. Шуға ла был конкурста ҡатнашыуыбыҙға бик ҡыуандыҡ. Иң ҡатмарлыһы – тултынланыуҙы еңеү булды”, – ти “Виктория” ансамбле тәрбиәләнеүсеһе София Борисова. Ансамбль киләсәктә лә бәйгеләрҙә ҡатнашырға йыйына. 18 апрелгә мөһим ваҡиға – ҡала мәҙәниәт үҙәгендә “Уяныу” тип аталған яҙғы концерт билдәләнгән. Фото – Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Коронавирус арҡаһында армияға яҙғы саҡырылышты күсереү планлаштырылмай, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығынан. Ғәҙәттәгесә, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем егеттәрҙе Ҡораллы Көстәргә оҙатыу башлана. Улар бөтәһе лә коронавирусҡа тикшерелә. Зарарланыуға юл ҡуймау өсөн ғәскәрҙәрҙә тәүлек әйләнәһенә профилактик саралар уҙғарыла, шулай уҡ даими контроль ойошторола, тип белдерҙеләр республика хәрби комиссариатында. Башинформ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Башҡортостанда “Мәғариф” милли проектына ярашлы, 2024 йылдарға тиклем түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа шөғөлләнгән балалар һаны 80 процентҡа артасаҡ. “Башҡортостан кванториумдары” тигән технопарк ярҙамға киләсәк. Күсмәле автостанцияла уҡыусылар инженер һөнәренең нескәлектәренә төшөнөр тип күҙаллана. Автостанция ҡайһы яңы менән отошло һуң? Унда йәш техниктар станцияһы булмаған ауыл балалары ла шөғәлләнә аласаҡ. Тәбиғи фән һәм техник йүнәлештәге программалар буйынса өҫтәмә белем алыу республика бюджеты иҫәбенә алып барыласаҡ. Йылына меңдән ашыу уҡыусы технология дәрестәрендә инновацион юғары технологиялы ҡорамалдарҙа шөғөлләнеү мөмкинлеге ала. Яҡынса өс мең бала “Башҡортостан кванториумдары” үткәргән сараларға йәлеп ителә. Дәрестәр махсус график буйынса үткәрелә. Йәй көндәре ул һауыҡтырыу һәм көндөҙгө лагерҙарға күсерелә. yryzan.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
24 июнь Еңеү парады көнөндә ил халҡы ял итәсәк. Рәсәй Хеҙмәт министрлығынан билдәләүҙәренсә, эшләп йөрөүселәрҙең хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ. 23 июнь тулы эш көнө тип иҫәпләнә. 24 июнь Еңеү парады көнөндә ил халҡы ял итәсәк. Рәсәй Хеҙмәт министрлығынан билдәләүҙәренсә, эшләп йөрөүселәрҙең хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ. 23 июнь тулы эш көнө тип иҫәпләнә. Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путин коронавирусҡа бәйле май айында парадты кисектерҙе. Еңеү байрамында күп ҡалалар авиапарадтар, ветерандарҙың йорто алдында шәхси тәбрикләүҙәр, концерт сығыштары һәм байрам салюты менән сикләнде. һуңынан илдең оборона министрлығына Еңеү парадын 24 июнь көнө үткәреү бурысы йөкмәтелде. Сөнки тап ошо көндә, 1945 йылдың 24 июнендә, Ҡыҙыл майҙанда беренсе Еңеү парады үткәрелгән. Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡышҡа киптергән алмаларығыҙ булһа, рәхәтләнеп файҙаланығыҙ! Бөгөн күптәр алманың мул осоронда уны турап туңдырғысҡа һала, йә иһә ҡайнатма, һуттар яһай. Күптәр киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икәнлеген белмәй. Шуға күрә уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптереүҙе хуп күрә. Ә ысынында, киптерелгән алма- витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин. Был алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ мәтдәләр алмашыуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта. Бөгөн күптәр алманың мул осоронда уны турап туңдырғысҡа һала, йә иһә ҡайнатма, һуттар яһай. Күптәр киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икәнлеген белмәй. Шуға күрә уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптереүҙе хуп күрә. Ә ысынында, киптерелгән алма- витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин. Был алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ мәтдәләр алмашыуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта. Ә бына шәкәр сире, һимереү ҡурҡынысы янағандарға киптерелгән алманы файҙаланыуҙан һаҡ булырға кәңәш ителә, ҡулланғанда сама белеү яҡшыраҡ, ти табиптар ҙа. Шулай уҡ диатез менән сирләгән балаларға киптерелгән алманың компотын эсеү файҙалы. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
--Бәләкәй генә көйөнсә эшкә егелдек. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыштыҡ, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек,--тине Фидай Әбүбәкиров. Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең “Йәнгүҙәй” ансамбленең иң өлкән ағзаһының дәрте ташып тора. Был юлы ла ул ҡулына тальянын алып күңелле ауыл көйҙәрен һуҙып ебәрҙе. Төбәктә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә юбилей миҙалдары тапшырыу дауам итә. Сибай ҡалаһында бындай награда 280-дән ашыу кешегә таратыла. Был эштәрҙең барыһы ла “Демография” милли проектының “ Оло быуын вәкилдәренә систематик ярҙам һәм уларҙың тормош кимәлен яҡшыртыу” программаһы сиктәрендә атҡарыла. Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Рәшит улы Солтангәрәев бер төркөм оло быуын вәкилдәренең өйҙәренә йөрөп миҙалдар бирҙе. Уларҙың иң йәшенә 89 йәш булһа, иң олоһо 94-ен тултырған. Бала ғына көйөнсә һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә татыусыларҙың хәтеренә ҡәһәрле һуғыш онотолмаҫлыҡ булып уйылған. --Бәләкәй генә көйөнсә эшкә егелдек. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыштыҡ, фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек,--тине Фидай Әбүбәкиров. Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең “Йәнгүҙәй” ансамбленең иң өлкән ағзаһының дәрте ташып тора. Был юлы ла ул ҡулына тальянын алып күңелле ауыл көйҙәрен һуҙып ебәрҙе. --Элек күп михнәттәр күргәнгә күрә әлеге тормошобоҙ яҡшы булыуға ҡыуаныбыҙ. Етәкселәргә ҙур рәхмәт!—тип ҡыуанды тыл ветерандары.
Икенсе йыл рәттән көҙҙөң беренсе айы районыбыҙ ауылдарында йәшәүсе кескәйҙәр һәм ололар өсөн ҡыуаныслы ваҡиғалар килтерҙе. Икенсе йыл рәттән көҙҙөң беренсе айы районыбыҙ ауылдарында йәшәүсе кескәйҙәр һәм ололар өсөн ҡыуаныслы ваҡиғалар килтерҙе. Ғүмәр ауылының күп йыллыҡ тарихында беренсе тапҡыр мәктәпкәсә төркөм асылды. – Былтыр күмәк көс менән Бәрҙәшле ауылында ошондай төркөм булдырҙыҡ. Һәм бына бер йылдан һуң Ғүмәр ауылы кескәйҙәре һәм ата-әсәләре өсөн дә шундай уҡ ҡыуаныс кисерәбеҙ. Тимәк, йәштәр ауылда төпләнә, уларҙың балалары лайыҡлы мәктәпкәсә тәрбиә аласаҡ тигән һүҙ был, – ти Петровск ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Морозова. Подрядсылар эштәрен намыҫлы башҡарған: уйнай, йоҡлай торған бүлмәләргә, тантаналар залына ҡарап күҙҙәр һөйөнә. Төҙөүселәр кескәйҙәргә картина ла бүләк иткән. Бинаға капиталь ремонт эшләр өсөн муниципаль район бюджетынан бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, тағы ла 940 мең һумға яҡын аҡса – заманса ҡорамалдар, йыһаздар һәм башҡа әйберҙәр һатып алыуға тотонолған. Ғүмәрҙәрҙең шатлығын уртаҡлашып муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин был аҡсаларҙың иң ҡәҙерле кешеләребеҙ - балаларыбыҙ өсөн, киләсәгебеҙ өсөн ҡулланылыуын билдәләне. – Был төркөмгә бер юлы өс балам йөрөйәсәк. Алты йәшлек Булат улым, бер йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарым Гөлназ менән Гөлшат мәктәпкәсә белемде тулы кимәлдә алырҙар, уларға бында күңелле һәм уңайлы булыр, тип ышанам. Үҙемә лә хужалыҡ менән шөғөлләнергә ваҡыт күберәк ҡаласаҡ, бәлки эш тә эҙләрмен, - тине Рәсимә Вәхитова. Егерме бала тәрбиәләнәсәк мәктәпкәсә төркөм асылыу ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә оло байрам булды. Сараға йыйылған ауылдаштар араһында үҙҙәренең бүләктәре менән килеүселәр ҙә бар ине. Ғүмәр ауылы ветерандары ойошмаһын етәкләүсе Юрий Ниғмәтуллин бәләкәстәргә туптар бүләк итте. Ул ауыл тарихын да яҡшы белә. – 100 йыл элек ошо ерҙә барлыҡҡа килгән мәктәп парталарынан фән кандидаттары, яҙыусылар, ижади интеллегенция вәкилдәре үҫеп сыҡты. Район хакимиәте ярҙамы менән беренсе тапҡыр асылған балалар баҡсаһына йөрөүселәр ҙә киләсәктә бәләкәй Ватаныбыҙҙың данын арттырырҙар, тип ышанабыҙ, - тине ул. Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 74-се һанында (15.09.2017) уҡығыҙ. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәр сәхифәләрендә хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылы мәктәп парталары артында башлана. Әммә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау ѳсѳн дѳйѳм белем биреү учреждениеларында мѳһим саралар күреләсәк.Белем кѳнѳ уңайынан I, IX, XI класс уҡыусылары ѳсѳн ойошторолған тантаналы линейкалар һәр параллель ѳсѳн тѳрлѳ ваҡытта уҙа. II-VIII һәм X кластар иһә 1 сентябрҙе дистанцион форматта түбәндәгесә ҡаршылаясаҡ: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәр сәхифәләрендә хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылы мәктәп парталары артында башлана. Әммә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау ѳсѳн дѳйѳм белем биреү учреждениеларында мѳһим саралар күреләсәк. Белем кѳнѳ уңайынан I, IX, XI класс уҡыусылары ѳсѳн ойошторолған тантаналы линейкалар һәр параллель ѳсѳн тѳрлѳ ваҡытта уҙа. II-VIII һәм X кластар иһә 1 сентябрҙе дистанцион форматта түбәндәгесә ҡаршылаясаҡ: - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән “Асыҡ дәрес” (10.00 сәғәттә); - Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Бѳтѳн Рәсәй асыҡ онлайн-дәресе; - уҡыусылар һәм класс етәксеһе ҡатнашлығында онлайн-класс сәғәте. Быйылғы уҡыу йылында мәктәптә кабинет системаһы булдырыла - физкультура, физика, химия, информатика һәм технологиянан тыш барлыҡ дәрестәр бер кабинетта ғына үтәсәк. Дәрес ваҡыты 5 минутҡа ҡыҫҡартыла. Һәр иртә һайын мәктәп ишеге янында барыһының да тән температураһын үлсәү, хәл-торошон билдәләү зарур. Мәктәп автобустарында йѳрѳүсе уҡыусылар ѳсѳн был процедура транспортҡа инер алдынан башҡарыла. Дѳйѳм белем биреү учреждениеһында эшләүселәрҙең тән температураһы кѳнѳнә ике тапҡыр - мәктәп бинаһына инер алдынан һәм кѳн уртаһында үлсәнә. Ѳлкәндәр мотлаҡ рәүештә битлектә йѳрѳргә тейеш. Мәктәптә тѳп ишектәрҙән тыш, эвакуация урындары ла асыҡ торасаҡ. Мәҫәлән, үҙәк ишек I-V кластар ѳсѳн ҡулланылһа, запас ишектәр - VI-XI класс уҡыусылары ѳсѳн. Бинаға ингән урында антисептик шыйыҡса менән дозаторҙар ҡуйыла. Кабинеттар һәм коридорҙар график буйынса елләтелеп һәм дезинфекцияланып торасаҡ. Ашхана, спорт залы, коридорҙар һауа рециркуляторҙары менән тәьмин ителергә тейеш. Социаль дистанциялар ҙа күҙ уңында тотола. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре атай-әсәйҙәр менән бары тик телефон бәйләнеше, видеоконференция һәм башҡа дистанцион формалар ярҙамында ғына аралаша ала. Шулай итеп, COVID-19 инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ ѳсѳн, мәктәп тупһаһын ашатлағанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмау зарур: 1. “Битлек кей”; 2. “Ҡулдарҙы даими рәүештә антисептик сара менән эшкәрт”; 3. “Дистанция тот”; 4. “Ауырыҡһынып торғанда, ѳйҙә ҡал”. Сикләүҙәрҙең үтәлеше махсус мединспекторҙар тарафынан тикшерелә. Быға Башҡорт дәүләт медицина университетының һәм республиканың һигеҙ медицина колледжының ѳлкән курс студентары йәлеп ителә. Фото: zs74.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡайһы бер транспорт тураһында “умырзая”, тиҙәр. Һүҙ ҡыш буйына йөрөлмәй, ҡар аҫтында ултырып ҡыш сыҡҡан автомобилдәр хаҡында бара. Ә бит йорт алдарында, оло юл ситтәрендә әллә нисәмә йылдар буйына файҙаланылмай урын алып ултырған машиналар ҙа етерлек. Ҡала властары Салауат урамдарын уларҙан таҙартыу һәм тәртип булдырыуға тотонмаҡсы. Яңыраҡ ҡала хакимиәтендә ҡышҡылыҡҡа әҙерлек буйынса кәңәшмә ултырышында әйтел-де был көнүҙәк мәсьәлә ту-раһында. Салауат урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн яуаплы булған “Махсус автохужалыҡ” ойошмаһы етәксеһе Юрий Кириллов әйтеүенсә, был проблема йыл да күтәрелә, юл ситендә ҡалдырылған автомобилдәр арҡаһында ҡар таҙартыу эшенең сифаты күпкә түбән. Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов проблеманың актуаллеген, ташландыҡ транспорттар менән мәсьәләне хәл итергә кәрәклеген билдәләне. Һуңынан ул ҡала хакимиәте сайтында һәм социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә салауаттарҙы бергәләп тәртип булдырырға саҡырҙы. “Урамдарҙа һәм ихаталарҙа иҫке, ташландыҡ, тутығып ултырыусы автомобилдәр ҡалабыҙ йөҙөн боҙоп ҡына ҡалмай, шулай уҡ машиналарға һәм кешеләргә йөрөргә ҡамасаулай. Коммуналь техника эшенә, бигерәк тә ҡыш көнө көнкүреш ҡалдыҡтырын сығарыуҙа ҡаршылыҡ тыуҙыра. Был проблема менән беҙгә көрәшергә кәрәк. Һәм быны нисек эшләргә икәнен беләбеҙ. Ҙур ҡалаларҙың тәжрибәһен өйрәндек. Салауатта ташландыҡ хәлдәге, яртылаш һүтелгән, хужаһы булмаған транспорт сараларын асыҡлау, күсереү, һаҡлау һәм утилләштереү тәртибе раҫланды”, тип яҙҙы ул һәм йөрөлмәгән автомобилдәр хужаларына мөрәжәғәт итеп, яҡын арала транспорттарын алыуҙарын һораны, юғиһә, ҡала хеҙмәттәре мәжбүри рәүештә уларҙы махсус туҡталҡаға эвакуациялаясаҡ. Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы салауаттарға ла мөрәжәғәт итә. Әгәр һеҙ квартал эсендә юл хәрәкәтенә ҡамасаулаған ташландыҡ һәм һүтелгән автомобилдәр тураһында беләһегеҙ икән, К.Маркс урамында урын-лашҡан ҡала хужалығы идара-лығына, 35-72-42, 36-11-44 телефондары аша, йәки [email protected] электрон адресына хәбәр итә алаһығыҙ. Әйткәндәй, мәҡәлә гәзиткә әҙерләнгәндә, Өфө урамы, 96 адресы буйынса йылдар буйына ултырған иҫ-ке машина эвакуацияланды. Тимәк, ҡаланы йөрөлмәгән транспорттарҙан таҙартыу эше ысынбарлыҡта ғәмәлгә ашырыла башланы.
Законлы никахын тап ошо тарихи датала теркәүселәр ҙә уның мөғжизәле көсөнә ышана. Матур дата­ларҙа Мендельсон вальсы көнө буйы тынмай. Ун минут һайын тиерлек бер никах теркәлә. Беҙҙең район­да иһә был көндө дүрт пар үҙ мөнәсәббәтен законлаштырҙы. Айрат һәм Венера Зама­новтар, Нияз һәм Алина Ғәзимовтар, Радик һәм Гөлназ Сәйфуллиндар, Ринар һәм Зәлифә Исмәғилевтар никахтарын теркәне. Йәштәрҙең байрамы Салауат районының ЗАГС бүлеге, мәҙәниәт йорто, Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән бик матур итеп ойошторолдо. Тантаналы сараға алтын туйҙарын билдәләгән – 50 йыл татыулыҡта йәшәгән Әлкә ауылынан Альмира һәм Ирек Зиннуровтар ҙа саҡырылғайны. Тантаналы сараны асып, алып барыусы был байрамдың килеп сығыу тарихына байҡау яһаны. ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлнур Бәширова йәштәргә һәм саҡырылған ҡунаҡтарға иң изге теләктәрен еткереп, йәштәрҙең никахтарын теркәне. Ҡотлау һүҙе менән йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәштәрҙең ата-әсәләре, туғандары сығыш яһаны. Сара барышында Зиннуровтар ғаиләһе Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә булдырылған "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” үҙенсәлекле миҙалы менән бүләкләнде. ( Улар тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һан­дарында уҡығыҙ. ) Районда матур һандар аҫтында тыуған балаларҙың ата-әсәләрен тантаналы рәүештә тәбрикләү матур йолаға әүерелде. Байрамға районда 100-сө булып тыуған Янғантау ауылынан Самира Сәмиғуллина һәм уның ата-әсәләре саҡырылғайны. Гөлнур Нәфис ҡыҙы ошондай иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас ҡотланы, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы менән бергә бүләк тапшырҙы, ғаиләгә һаулыҡ, тыныслыҡ, донъя ҡыуаныстары теләне. Бынан тыш, шул көндәрҙә малайҙары тыуған Малаяҙ ауылынан Фидан һәм Гөлсәсәк Фәйзуллиндар ғаиләһе лә тантаналы рәүештә тәбрикләнде. Таһирҙың ата-әсәһенә уның тыуыу таныҡлығы һәм иҫтәлекле бүләк бирелде. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы тороу, халыҡ мәнфәғәтен һәм именлеген һаҡлау бурысын көслө ихтыярлы, оператив – эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре генә башҡара ала. Тап ошо хоҡуҡ тәртибен, именлекте һаҡлаусылар 10 ноябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ра-йон эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция майоры Ильяс Әхәт улы РӘХМӘТУЛЛИН бүлектең эшмәкәрлеге менән таныштыра. Һүҙ – етәксегә: Енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы тороу, халыҡ мәнфәғәтен һәм именлеген һаҡлау бурысын көслө ихтыярлы, оператив – эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре генә башҡара ала. Тап ошо хоҡуҡ тәртибен, именлекте һаҡлаусылар 10 ноябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ра-йон эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция майоры Ильяс Әхәт улы РӘХМӘТУЛЛИН бүлектең эшмәкәрлеге менән таныштыра. Һүҙ – етәксегә: -Ағымдағы йылда район эске эштәр бүлегенең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге районда криминоген хәлде тотороҡландырыуға, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, енәйәттәрҙе үҙ ваҡытында асыуға һәм сифатлы тикшереүгә йүнәлтелде. Быйыл насар эшләмәнек, тип әйтергә кәрәк. 9 ай йомғаҡтары буйынса район биләмәһендә енәйәт ҡылыу осраҡтары 257 (былтырғы менән сағыштырғанда 31-гә әҙерәк) булды. Уларҙы асыу кимәле 85% тәшкил итте. Уҙған йыл менән сағыштырғанда ҡайһы бер енәйәт ҡылыу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелде. Быны, әлбиттә, профилактик эштең яйға һалыныуы менән аңлатырға була. Район биләмәһендә 3 үлтереү (былтырғы йылдан күскән) факты булды, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү осраҡтары – 4 (3-кә әҙерәк), урлашыуҙың – 69 (6-ға кәмерәк), асыу кимәле – 77,7%, фатирҙан урлауҙың – 6 (-6) тулыһынса асылды), мал юғалыуҙың - 5 (-5), мутлашыуҙың 8 (-5) осрағы теркәлде. Йәмәғәт урындарында эскән килеш йөрөүҙең – 188, ваҡ хулиганлыҡ ҡылыуҙың – 83, үлтереү менән янауҙың 33 осрағы булды. Һөжүм итеү (юл баҫыу), талау факттарына юл ҡуйылманы. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу йүнәлешендә лә ҙур эш алып барыла. Наркотик һаҡлауҙың 6 осрағы асылды. Хеҙмәткәрҙәрҙең оператив эш итеүенән ике осраҡта наркотиктарҙы әйләнештән алыу факты теркәлде. Бында ситтән килгән, элек ошондай ҡара эштәре өсөн хөкөм ителгән йәш ғаилә пары беҙҙең районда синтетик наркотик һатыуҙы ойошторорға маташҡанда ҡулға алынды. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар уҙған йыл менән сағыштырғанда 20-гә күберәк булып, 1217 тәшкил итте. Профилактик эш һәм енәйәттәрҙе асыу буйынса, ғөмүмән һәр йәһәттән республиканың 63 Эске эштәр бүлеге араһында алдынғылар - тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ, йылдан-йыл яҡшыраҡ эшләргә тырышабыҙ. Былтыр Полиция көнөндә юғары һөҙөмтәләребеҙ уңайынан бүлек Маҡтау грамотаһы, “Лада-Веста” автомашинаһы, телевизор менән бүләкләнде. ППС бүлексәһенә “Шевроле-Нива” автомашинаһы тапшырылды. Полиция начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары, полиция подполковнигы Жәлил Әнүәр улы Ғәйнуллин РФ Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Район эске эштәр бүлеге 85 кешене берләштерә. Бүлек ЭЭМ уҡыу йортон тамамлаусы йәш кадрҙар менән тулылана. Улар хеҙмәт стажы тулып, отставкаға китеүсе өлкән коллегаларын алыштыра. Бүлектең арҡа һөйәген тәшкил иткән хеҙмәткәрҙәребеҙ: тикшереүсе Наталья Викторовна Лапатина менән эксперт-криминалист Рөстәм Хәйҙәр улы Зыязетдинов отставкалағыларҙың иҫәбен тулыландырҙы. Байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле һәм оператив эшләүселәрҙең, үҙ һөнәре оҫталарының бер нисәүһен атап китергә кәрәк. Улар: 25 йылдан ашыу участка уполномоченныйы булып эшләгән Ғәли Ғәлинур улы Суфиянов, йәш хеҙмәткәр Ринат Рәфит улы Хөснөтдинов, ППС бүлексәһе командиры Илмир Радик улы Байбулдин, тыл начальнигы Марсель Мазһар улы Мәхийәнов, оператив эш буйынса начальник урынбаҫары Рифат Риф улы Ситдиҡов, оператив дежурный ярҙамсыһы Артур Винер улы Ҡунафин, водителдәр Артур Илмир улы Ғәйфуллин менән Зинфир Рамазан улы Ғиззәтуллин, ЮХХДИ-ның өлкән инспекторы Артур Альберт улы Әсәҙуллин, личный состав менән эш буйынса өлкән инспектор Регина Роберт ҡыҙы Миңлебаева. Айырыуса һөҙөмтәле эшләгән тәүтикшереүселәр бүлексәһенән өлкән тәүтикшереүсе вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Камил ҡыҙы Рафиҡова етәкселегендә тәүтикшереүселәр Анна Павловна Булатова, Илгиз Сәлимйән улы Түзбәков, Алина Илшат ҡыҙы Солтанова маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Бөгөн беҙ ветерандарыбыҙҙы ла (улар – 100-ҙән ашыу) айырыуса ҙур ихтирам менән билдәләп үтергә теләйбеҙ. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәш хеҙмәткәрҙәр менән үҙҙәренең һөнәри белемдәре һәм бай тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙа уларҙың тос ярҙамын тоябыҙ. Бының өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Форсаттан файҙаланып, бүлектең бөтөн личный составын, ветерандарыбыҙҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын һөнәри байрамыбыҙ – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, рухи күтәренкелек, бәхет һәм ғаиләләрегеҙгә именлек, Ватаныбыҙ хаҡына яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, байрамса күтәренке кәйеф теләйем. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Баҡалы районынан Илшат Кәлимуллин өс миллион һумлыҡ грантты комбайн алыр өсөн тотонған.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Баҡалы районынан Илшат Кәлимуллин өс миллион һумлыҡ грантты комбайн алыр өсөн тотонған. Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам итеү һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның сиктәрендә крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыу һәм үҫтереү өсөн грант алырға мөмкин. “Быйыл “Агростартап” конкурсында ҡатнашыу өсөн Баҡалы районынан ете ғариза тапшырылды. Бәйге комиссияһы улар араһынан Ҡуштирәк ауылында йәшәгән Илшат Кәлимуллиндың проектын иң яҡшыһы тип тапты”, – ти Баҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Миләүшә Риянова. Грантҡа килгән өс миллион һумды Илшат Ҡайман улы “Агромаш-3000” комбайны алыуға тотонған. Кәлимуллиндар ғаиләһе район халҡына яҡшы таныш. Илшаттың атаһы Ҡайман Сафа улы оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәт иткән, алдынғылар рәтендә булған. Улдары Булат менән Илшатта ла ул ер эшенә һөйөүҙе тәрбиәләгән. Булат умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Илшат – уҡытыусы. Шулай ҙа ул атаһына, ағаһына ярҙам итә. Тәжрибәле умартасылар күпләп бал алыр өсөн яландарҙа бал биреүсе үҫемлектәр сәсеү кәрәклеген аңлай. Үҙҙәренең пай ерҙәренә туғандарыныҡын, дуҫтарыныҡын, үҙҙәре кеүек умартасыларҙыҡын ҡушып, бал биргән үҫемлектәр сәсәләр. Артабан иген культураларын да сәсә башлайҙар. Яңы комбайн алыу өсөн ауыл ерендә йәшәгән фермерҙарға ярҙам итеү буйынса дәүләт программаһында ҡатнашырға булалар. Район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы, финанс бүлеге ярҙамында бизнес-план төҙөлә, “Агростартап” конкурсында ҡатнашыр өсөн ғариза тапшырыла. Илшат Ҡайман улы уны яҡлап сығыш яһай һәм еңеү яулай. Программа шарттарына ярашлы, ул крәҫтиән-фермер хужалығын теркәгән. Ниәттәре – яңы эш урындары булдырыу, сәсеү майҙандарын һм етештереү күләмен арттырыу. Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Алманы йыуып, ҡабығынан таҙартып, ваҡ итеп турайбыҙ. Лимон һутын һибеп, шәкәр өҫтәп, болғатабыҙ. Унан һыуытҡысҡа 1 сәғәткә ултыртып торабыҙ. Был ваҡыт эсендә алма һуты сығып, шәкәре иреп бөтөргә тейеш. Һутын түкмәйбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Таҙартылған грек сәтләүеген 2 минут тирәһе ҡоро табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Эреләрен онтар кәрәк булыр. Ондо иләйбеҙ һәм сода, разрыхлитель һәм сәтләүек онтағы ҡушып бутайбыҙ. Йомортҡаның һарыһын-ағын айырабыҙ. Ағына семтем тоҙ өҫтәп, ҡатҡансы туҡыйбыҙ. Һарыһын алмаға ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. Был массаны он ҡатнашмаһына ҡоябыҙ. Барыһын бергә яҡшылап бутап, һуҙылып торған масса яһайбыҙ. Уға аҙ-аҙлап бүлеп, 2-3 тапҡыр туҡылған йомортҡа ағын ҡушабыҙ. Хәҙер инде формаға һалып, ҡыҙҙырылған духовкала 50-60 минут тирәһе бешереп алырға ғына ҡалды. Әҙер бәлеште 15 минут тирәһе һыуытып, өҫтөнә шәкәр пудраһын һибергә генә ҡалды. Шулай уҡ үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә лә мөмкин.
Көйөргәҙе районы хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ сәғәте ныҡлы традицияға инә бара. Район башлығы Юлай Ильясов тарафынан үткәрелгән һуңғы ултырышта бер нисә яңы проект ҡаралды. Көйөргәҙе районы хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ сәғәте ныҡлы традицияға инә бара. Район башлығы Юлай Ильясов тарафынан үткәрелгән һуңғы ултырышта бер нисә яңы проект ҡаралды. Беренсе проекты «Регион Поставка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Альберт Ғәзизов тәҡдим итте. Ул республика буйынса газ заправкаларын киңәйтеү эше алып бара, һәм оҙаҡламай бындай заправка беҙҙең районда ла буласаҡ тип ышандыра. Әле заправканы төҙөү урынын һайлау эштәре бара. Икенсе проект менән яҡындан танышыу өсөн хакимиәт чиновниктары Юлай Талха улы етәкселегендә Холодный Ключ ауылына юлланды. Бында шәхси эшҡыуар Андрей Сергеевич Бучнев быйыл июндән теркәлеп, эш башлаған. Әле ул 20 баш сусҡа үҫтерә. Әле буш торған балалар баҡсаһы бинаһында бәшмәк, йәшелсә үҫтерергә йыйына, бының өсөн теплица төҙөргә планлаштыра. Андрей Сергеевич, бының менән генә сикләнеп ҡалмайынса, әлеге проекты менән ауыл хужалығы йүнәлешендәге гранттарҙа ла ҡатнашырға теләй. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Октябрьский ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә булған – фатирында 24 йәшлек егетте ике эт талаған. Күршеләре тауышты ишетеп, полиция саҡырта, әммә һуң була... Эттәр егеттең тән мускулдарын өҙгөсләгән, ҡан артерияһына һәм тарамышына зыян килтергән. Полиция хеҙмәткәрҙәренә яһил хайуандарҙы атырға тура килә. Яралы ирҙе реанимацияға алып китәләр, әммә медицина хеҙмәткәрҙәре уны ҡотҡара алмай. Фотоларҙан күренеүенсә, хужа менән эттәр араһында көслө алыш булған, сөнки иҙән, диуар һәм йыһаз ҡанға батҡан. Йәш егет эттәрҙән ҡасырға теләп аш бүлмәһенә һәм балконға ынтылған, тик өлгөрмәгән. Эттәрҙең ниңә фатир хужаһына ташланғаны билдәһеҙ. Һуңынан мәғлүм булыуынса, питбультерьер тоҡомло эттәрҙе һәләк булған егеттең әхирәте бер аҙға ҡарап торорға ҡалдырған булған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эттәрҙең кәүҙәһен ветеринария эскпертизаһына ебәргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай фәжиғәле хәлдәр булып тора. Мәҫәлән, былтыр августа Өфөлә мәжлес ойошторған 48 йәшлек хужабикәне эт талап үлтергәйне. Фото: newsbash.ru Автор: Рәмилә Мусина Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Күптән түгел Стәрлетамаҡтың 4-се балалар поликлиникаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы ҡорамалдар алынған.#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Күптән түгел Стәрлетамаҡтың 4-се балалар поликлиникаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы ҡорамалдар алынған. – Ультратауыш диагностикаһы бүлмәһенә ҡуйылған Affiniti 30 һәм SonoScape I-8000 ҡорамалдары ярҙамында балаларҙы йәһәт кенә тикшереп була, – ти табип Регина Иванова. Шулай уҡ отоларинголог бүлмәһенә лоркомбайн тикшереү ҡорамалы ҡайтарылған. Уның менән кескәй пациенттарҙың ҡолаҡ, танау, тамаҡ ағзаларына эндоскопия үткәрелә икән. Поликлиникала интернатуранан һуң эш башлап ҡына тороусы Оксана Горина әйтеүенә ҡарағанда, әлеге диагностика аппараты ярҙамында органдарҙы ентекләберәк тикшерергә форсат бар. Бынан тыш проект буйынса фундускамералар ҙа алынған. Күҙ табибы Гүзәл Ишмырҙина билдәләүенсә, камералар күҙҙең төбөн ентекле тикшерергә ярҙам итә. Элекке ҡорамалдар ярҙамында күҙ алмаһын ғына ҡарап булған. – Заманса функциялы ҡорамалдар медицина хеҙмәткәрҙеренең эшен еңелләштереп кенә ҡалмай, пациентты бар яҡлап тикшереү ваҡытын кәметә һәм теүәл мәғлүмәт биреүгә булышлыҡ итә, – ти Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһының 2-се поликлиника бүлексәһе мөдире Шәмсинур Бүләкова. Ысынлап та, балалар сәләмәтлеген ҡайғыртыуҙа медицина ярҙамының ваҡытында күрһәтелеүе һәм тулы мәғлүмәтле булыуы мөһим, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алып барылған эштәр был йәһәттән бермә-бер алға барыуға ҙур аҙым булып тора. Автор: Римма Галимова #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбендә Рубик кубтарынан Юрий Гагарин портретын эшләгәндәр. Йәш спидкуберҙар легендар космонавтың рәсемен булдырыу өсөн 300 куб йыйған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Ағиҙел ҡалаһының 1-се мәктәбендә Рубик кубтарынан Юрий Гагарин портретын эшләгәндәр. Йәш спидкуберҙар легендар космонавтың рәсемен булдырыу өсөн 300 куб йыйған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Оҫталыҡ дәресе Фән һәм технологиялар йылының апрель тематик айы һәм “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. “Һәр кем үҙен рәссам итеп хис итә алды. Шедевр тыуҙырыу өсөн күптәр тырышлыҡ һалды. Рубик кубтарынан картина йыйыу бик мауыҡтырғыс, шуға ла күп балалар артабан да был шөғөлдө дауам итергә теләк белдерҙе. Уларҙы спидкубинг мәктәбендә көтөп ҡалабыҙ”, – ти уҡытыусылары. Фото – Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Халҡыбыҙҙың моңло йырҙары быуаттар аша бөгөнгә тиклем килеп еткән. Уларҙан беҙ тарихыбыҙҙы, ата-бабаларыбыҙҙың яҙмышын, тормошон, үткәнен беләбеҙ. Халыҡ йырҙары уйландыра, тетрәндерә, хисләндерә, һыҙландыра. Башҡорт халҡы тыуа-тыуғандан алып ғүмер буйы йыр менән йәшәгән. Яңы тыуған сабыйына бишек йырын көйләгән, туйҙарҙа сеңләүҙәр яңғыраған. Йырлап яуға киткәндәр, атакаға күтәрелгәндәр, үлемдәрен дә йыр менән ҡаршылағандар. Француз яуында тыуған «Любизар», Бөйөк Ватан һуғышында ижад ителгән «Шайморатов генерал», 1937 йылда репрессия ҡорбаны булған Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың төрмәлә саҡта ла йырлап, башҡа тотҡондарҙың күңелен күтәргәне, ғүмерен өҙөргә алып барғанда ла яҡты донъя менән йырлап хушлашыуы халҡыбыҙҙың, моңдоң үлемһеҙлеге хаҡында һөйләй. «Зөлхизә», «Таштуғай», «Шәүрә» кеүек йырҙарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышы, «Азамат», «Урал», «Салауат», «Буранбай», «Ишкәксе ҡарт», «Каруанһарай», «Тәфтиләү», «Ҡолой кантон», «Түрәкәй», «Уйыл», «Илсе Ғайса», «Сыбай ҡашҡа» йырҙарында тыуған төйәгебеҙгә сикһеҙ һөйөү, ир арыҫландарының батырлығы бөгөнгө быуынға тарих булып килеп еткән. Көй-моңдарыбыҙҙы атаҡлы ҡу­райсыларыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев, Ишҡәле, Ишмулла, Сәйфулла Дил­мөхәмәтовтар, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов кеүек төрлө быуын ижадсыларыбыҙ халыҡҡа еткергән. Мәшһүр йырсыларыбыҙ Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллин, Флүрә Кил­дейәрова һәм башҡа бик күптәр йән өргән, йәшәткән. Йыр йәшәүгә көс бирә, дәрт­ләндерә, өмөтһөҙ саҡта ҡанат ҡуя, һағыштарҙы тарата. Йыр – халҡыбыҙҙың мәңгелек юлдашы, булмышы, йәненең игеҙәге. Бөгөнгө йырҙарыбыҙ ниндәй? Халҡыбыҙ күңеленә, зауығына тап киләме? Заман һынауын үтеп, улар киләсәккә ҡалырмы? Композиторҙар менән шағирҙар дуҫлығы сәнғәтебеҙгә бик күп моңло йырҙар бүләк иткән. «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс», «Һин – ғүмер ағыштарым», «Һиңә тағы мин бер киләм әле», «Дуҫлыҡ бит ул», «Мине юлдар саҡыра» – Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми менән талантлы композитор Рим Хәсәновтың ижади дуҫлығы емештәре. Шулай уҡ күренекле шағир Рәсих Ханнанов менән Уран Кинйәбулатов һүҙҙәренә лә байтаҡ моңло йырҙар яҙған Рим Хәсәнов. Роберт Ғәзизов менән Сафуан Әлибаевтың, Бәхти Ғайсин менән Шәриф Бикҡолдоң, Тәлғәт Шәрипов менән Ғилемдар Рамазановтың, Наил Ғәлиев менән Шәриф Бик­ҡолдоң, Роза Сәхәүетдинова менән Рәми Ғарипов, Гөлфиә Юнысова, Уран Кинйәбулатовтың, Салауат Низаметдинов менән Зөһрә Ҡот­логилдинаның, Роберт Тимербаев менән Вәлит Илембәтовтың, Ризван Хәким менән Рәмил Сурағолдоң, Наил Шәймәрҙәнов менән Кәүсәриә Шафиҡованың дуҫлыҡтары үлемһеҙ йырҙар тыуҙырҙы. Опералар оҫтаһы Заһир Исмә­ғилев йыр жанрында ла әүҙем эшләне. Уның шағир Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә яҙған «Былбылым» көйө һәр буласаҡ артистың репертуарына ингән. Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә «Башҡорт ҡымыҙы», «Шайморатов генерал», Нәжиб Иҙелбай шиғырына «Ел, ерәнем» йырҙарын, Башҡортостандың ха­лыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә ижад ителгән «Йырла­йым мин» тигән әҫәрен кемдәр генә белмәй! Атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һүҙҙәренә яҙған «Уралым», «Һай­ра, һары һандуғасым», Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Аб­дулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Гөлдәр һиберҙәй булам» кеүек йырҙары тамашаларҙан төшмәй яңғырап тора. «Уралым» көйө менән күпме артистар төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә сығыш яһап, ниндәй генә ҙур исемдәргә, баһаларға лайыҡ булманы! Ике бөйөк шәхестең Тыуған илгә, тыуған ергә ҡарата һөйөү тойғолары сит ил тамашасыларын да, телде аңламаған, белмәгән моң һөйөүселәрҙе лә әсир итә. Был йыр һәр башҡорттоң тыуған төйәгенә гимны булып яңғырай! Абрар Ғабдрахмановтың үҙ һүҙ­ҙәренә ижад иткән «Төнгө серенада», Рәми Ғарипов һүҙҙәренә «Таңдағы йыр», Гөлфиә Юнысованың «Һинән миңә бер ни кәрәк түгел», Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сә­лимов яҙған «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырҙары – мәңге оно­толмаҫ моң гәүһәрҙәре. Талантлы композитор Юлай Үҙәнбаевтың Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙ­ҙәренә «Йылғалар төнөн һөйлә­шә», шағир Буранбай һүҙҙәренә «Аҡсарлаҡ», шағирә Дилә Булгакова һүҙҙәренә «Устарыма һал һин йөрәгеңде» кеүек йырҙары радио тулҡындарынан төшмәй яңғырай. Йәл, һирәк яҙа. Әҙ яҙһа ла, уның йырҙарын артистар яратып башҡара, тамашасылар кинәнеп тыңлай, һәүәҫкәрҙәр үҙ репертуарына ала, табындарҙа яңғырай. Композитор Нур Дауытовтың да матур йырҙары байтаҡ. Әммә ул да һуңғы ваҡыт йыр жанрында бик әүҙем эшләмәй. Күренекле композиторҙарыбыҙ үлемһеҙ йырҙар ижад итеп ҡал­дырҙы. Хөсәйен Әхмәтовтың Рәғиҙә Янбулатова һүҙҙәренә яҙған «Гүзәл Өфөм – баш ҡалам» йырын һәр иртә һайын радионан ебәрһәләр ҙә ялҡытмай торған әҫәр. Ә үҙ һүҙ­ҙәренә яҙған «Тыуған ауылым» йыры һәр беребеҙҙең тыуған төйәген иҫенә төшөрә, хистәр, һағыштар ҡойононда өйөрөлтә. Ҡадир Даян һүҙҙәренә Мәсәлим Вәлиев яҙған «Матур Өфө ҡалаһы» йыры ла баш ҡалабыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары уята. Композитор Тәлғәт Шәриповтың Ғилемдар Рамазанов шиғырына яҙған «Имәндәр шаулай», Айрат Ҡобағошовтың Рәми Ғарипов һүҙҙәренә ижад иткән «Уйҙарым» ҡобайыры, Артур Туҡтағоловтың Сафуан Әлибай һүҙҙәренә яҙған «Сал Урал», Бәхти Ғайсиндың Шәриф Бикҡол һүҙҙәренә «Ниңә, иркәм», Шамил Ҡолбарисовтың Рафаэль Сафин һүҙҙәренә «Йән­бикә», Афарим Аҡсуриндың Хә­сән Туфан һүҙҙәренә «Ағыла болот», Абдулла Хәлфетдиновтың Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә «Алтын балдаҡ» йырҙары – тарихта ҡалған моң һәйкәлдәре. Уларҙы талантлы йырсыларыбыҙ Мәүлетбай Ғәй­нетдинов, Ғәли Хәмзин, Фәрит Бикбулатов, Роза Аҡкучукова һәм башҡалар халыҡҡа еткерҙе. Халыҡ хәтерендә ҡалған моңло йырҙарыбыҙ, нисә йылдар үтһә лә, эфир тулҡындарынан төшмәй, күңелдәрҙән тынмай, онотолмай. Был йырҙарҙың исемдәрен әйтеү менән башҡарыусылары күҙ алдына килеп баҫа һәм моңо ҡолаҡтарҙы иркәләй. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың «Уралым», «Һайра, һары һандуғасым», «Ҡу­райсы егет» кеүек йырҙары фәҡәт үҙе башҡарыуында күңелдәрҙә һаҡлана. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» (М.Кәрим – С.Садиҡова), «Ниңә иркәм» (Ш.Бикҡол – Б.Ғайсин), «Аҡ пароход йөҙөп килә» (Ш.Бикҡол – Б.Ғайсин) йырҙары беҙгә йылдар аша Фәриҙә Ҡудашева моңон ишеттерә. «Һуңлап килдең» (М.Һибәт – А.Хәлфетдинов) йы­ры Мәүлетбай Ғәйнетдиновты, «Йәш ғүмерҙәр» (З.Ғилметдинов – Ю.Үҙәнбаев) Гөлсөм Бикбулатованы, «Янғантау баҫҡыстары» (Ф.Әсәнов – Т.Шәрипов), «Өләсәй» (М.Садиҡова – Т.Шәрипов) Ғүмәр Әбделмәновтың тауыштарын яң­ғырата. Йыр-моңдарыбыҙҙы йәшәтер өсөн Башҡортостан телевидениеһы 2011 йылдан бирле «Башҡорт йыры» конкурсын алып бара. Ун­да йәш башҡарыусыларға эстрада йыры менән бер рәттән халыҡ көйҙәрен һәм ретро йырҙар баш­ҡарыу бурысы ҡуйылған. Ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә унда алты йөҙләп йырсы үҙ һәләтен һынаған. Был бәйгенең әһәмиәте бик ҙур. Йәш таланттар ретро йырҙарҙы һайлап, уларҙың бөгөн дә халыҡ араһында популяр булыуын күрһәтә. «Бик һағындым һине, Тыуған илем» (Н.Асанбаев – М.Әхмәтов), «Дуҫтарыңды онотма» (Ә.Атнабаев – Р.Хәсәнов), «Үҙ яғыма ҡайтһам» (И.Абдуллин – Р.Хәсәнов), «Аҡҡош күле» (Г.Юнысова – Р.Сәхәүетдинова), «Гөлдәр һи­берҙәй булам» (А.Игебаев – И.Дилмөхәмәтов), «Юлдарым һиңә бара» (М.Кәрим – Т.Шәрипов), «Ваҡыт» (Х.Мөҙәрисова – Р.Сә­хәүетдинова), «Уҡытыусыма» (М.Кәрим – А.Ҡобағошов), «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит» (Ғ.Иҙрисов – Р.Хәсәнов), «Үтте был матур көн» (Н.Нәжми – Ш.Ҡолбарисов), «Уралдым моңдарыңа» (М.Сира­жи – З.Мәмәлимов), «Сирен сәскәләре» (Н.Иҙелбай – Р.Сәл­мәнов), «Томбойоҡ бүләк итмә» (Я.Ҡолмой – Т.Шәрипов), «Се­йәлетау» (У.Кинйәбулатов – Р.Сәхәүетдинова), «Әгәр белгән булһам» (А.Игебаев – Н.Ғәлиев), «Һин һаман да ун һигеҙҙә кеүек» (Р.Ханнанов – А.Ҡобағошов), «Мөғжизәгә килә ышанғым» (Ә.Та­һирова – С.Низаметдинов) кеүек йырҙар бөгөн дә халыҡ күңелендә йәшәй. Сөнки улар моңдан ғына туҡылған. Ҡоштар ғына бушҡа һайрай, Йырсы бушҡа йырламай Ә ҡайҙа һуң хәҙер уларға ал­машҡа килерҙәй ижадсылары­быҙ? Ниңә юҡ улар? Ниңә моңло йырҙар тыумай? Бының сәбәптәре нимәлә? Күбеһенсә еңел-елпе, иҫтә ҡалмай, йөрәкте елкетмәй, тамашанан сыҡҡас та онотола торған йырҙар моң донъябыҙҙы баҫып алды. Бер уйлаһаң, Өфө сәнғәт институтында композиторҙар ҙа әҙерләнә бит. Башҡортостан телевидениеһында күренекле журналист Рита Өмөтбаева «Ап-асыҡ» тигән яңы тапшырыу башлап, шунда легендар композитор Рим Хәсәнов менән әңгәмә үткәрҙе. Ошо һорау ҙа яңғыраны һөйләшеү ваҡытында. Рим Хәсәнов былай тип яуап ҡайтарҙы: «Беҙҙең быуын атайҙарыбыҙҙың ҡурай, гармун, скрипка моңдарын, әсәйҙәребеҙҙең бишек йырҙарын тыңлап үҫте. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең аҡыллы кәңәштәрен, әкиәт, йомаҡтарын күңеленә һеңдерҙе. Ә бөгөнгө ижадсы йәштәр (уларҙың күбеһе ҡалала тыуып үҫкән) ана шул моң тамырҙарынан мәхрүм, бишек йырҙарын ишетмәгән, олатай-өләсәйҙәренең ҡарһүҙҙәрен тыңламаған, тәбиғи моңдарҙан айырылған». Рим Хәсәновтың һүҙ­ҙәрендә хаҡлыҡ юҡ түгел. Бәлки, ысынлап та, шулайҙыр. Хәҙер йыр бизнесҡа әйләнде, тиҙәр. Шул һүҙҙәрҙе тапшырыу­ҙа тағы ла бер ижадсы ҡеүәтләп ебәрҙе. Исемен атап тормайым, үҙе башта сәхнәлә йырланы, «Йәшлек-шоу»ҙарҙа ҡатнашты, аҙаҡ про­дюсерлыҡ менән шөғөлләнеүгә күсте, хәҙер көйҙәр яҙа. «Йырҙың уңышы – кеҫәнең ҡалынлығынан», – тине ул. Шиғыр һатып алына, аҡсаға көй яҙыла, аранжировкалар, клиптар аҡсаға эшләнә. Әммә был бик «ҡиммәтле» йырҙар, йылдар һынауын үтеп, халыҡ күңелендә ҡалырмы икән? Әгәр шулай бул­маһа, ни өсөн, кем өсөн яҙыла һуң улар? Бөтә мәсьәлә шунда. Хәҙер шиғырҙы һәр кем яҙа. Дөрөҫөрәге, әйтер һүҙен дүрт юл­лыҡҡа теҙеп сыға. Шиғыр шулай була икән, тип уйлаусылар йыр текстары яҙыу менән булаша. Хатта көйөн дә яҙып, йырсыларға тәҡдим итә. Ни өсөн композиторҙар һәм башҡарыусылар шундай еңел юл­ға бара? Дөрөҫөн әйткәндә, һуң­ғы ваҡыт профессиональ компо­зиторҙар араһында йыр яҙыусылар юҡ дәрәжәһендә. Әллә улар көй ижад итеүҙе етди эшкә һанамай­мы? Ә бит бөйөк Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рим Хәсәнов, Салауат Низаметдиновтарҙың классик әҫәрҙәрен – операларын бөтә халыҡ белеп бөтмәһә лә, «Былбылым», «Хуш, ауылым», «Ҡышҡы романс», «Ялан сәскәләре» кеүек йырҙары нисәмә йылдар буйына халыҡ теленән төшмәй башҡарыла килә. «Изге урын буш тормай» тигән әйтемде һәүәҫкәр ижадсылар тултыра бөгөн. Нота грамотаһын белмәһәләр ҙә, көй сығаралар ҙа, тиҙерәк йырсыларға биреп, ҙур сәхнәләрҙә башҡарылыуына өлгә­шәләр. Йыр һүҙҙәренә талапсан ҡараған ижадсылар шағирҙар­ҙың әҫәрҙәрен уҡып, күңеленә, зауығына тап килгән шиғырҙарҙы эҙләйһе, табаһы урынға, еңел-елпе әтмәләнгән дүрт юллыҡҡа һалынған хәбәрҙәргә көй яҙалар. Шулай килеп сыға зауыҡһыҙ, мәғәнәһеҙ, хәтерҙә ҡалмаҫлыҡ йыр ишараттары. Тыңлайһың, бер нимәһе иҫтә ҡалмай: ни һүҙҙәре, ни көйө... Ә бит ысын моң тәүге ноталарынан уҡ күңелгә үтеп инә лә бөтөн булмышыңды солғап ала. «Ел, ерәнем», «Шайморатов генерал», «Етегән шишмә», «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Алтын балдаҡ», «Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә», «Ағыла болот» кеүек йырҙарҙы ишетеү менән шунда уҡ өйрәнге, үҙең дә йырлағы килә. ...Резина-техник изделиелар заводы мәҙәниәт һарайында концерт бара. Башҡорт дәүләт филар­монияһы солисткаһы Фәнүнә Сиражетдинова Рәми Ғариповтың «Кәкүк» йырын башҡара. Бөтә концерт буйына бер ни­мә иҫтә ҡалманы, ә ошо йыр ҡолаҡта сыңлап тик тора. Эй, өйрәнге килә. Нисек, ҡайҙан табырға уның көйөн? Иртәгәһенә эшкә килгәс тә «Башҡортостан пионеры» гәзитенең баш мөхәррире шағир Сафуан Әлибаевтан композитор Роза Сәхәүетдинованың өй телефонын һорап алдым. Кис­те саҡ еткерҙем. Ул саҡта кеҫә телефондары юҡ ине әле. Роза апай телевидениела эшләй ине, буғай. Уның ҡайтыуын көтөп, шылты­ратырға батырсылыҡ иттем. Кисәге тәьҫораттарым тураһында һөйләп, мөмкин булһа, шул йырҙы телефон аша башҡарыуын үтенеп һораным. Роза апай, ижад кешеһе булараҡ, хәлемде аңлап, бер-ике тапҡыр йырлап күрһәтте. Уға ҙур рәхмәттәр әйтеп, һаубуллаштым да, эштән һуң бер кем дә ҡалмағас, редакцияла ҡат-ҡат йырлап, көйҙө хәтеремдә ҡалдырҙым. Аҙаҡ дуҫтар йыйылған бөтә ерҙә башҡарып, «танылыу» яуланым. Ҡайҙа барһам да «Кәкүк»те йырлауымды һорайҙар ине. Бына шулай тәьҫир итә ысын моң, ысын көй, ысын ижад! Ә хәҙер көй яҙыу ҙа ысын мә­ғәнәһендә кәсепкә ҡоролған. Шоу-бизнес тигән ҡырағай нимә моң иленә лә килеп инде. Әммә ҡайҙа кәсеп, унда ижадҡа урын самалы. ...Байтаҡ йылдар элек әлеге лә баяғы «Башҡортостан пионеры» гәзите редак­цияһына ул саҡта танылған йәш йырсы мине эҙләп килеп инде. Был ваҡытта композитор Салауат Низаметдиновтың минең «Ялан сәскәләре» тигән шиғырға яҙған йыры халыҡ ара­һында бик таралғайны. «Һеҙ ши­ғырҙарығыҙҙы күпмегә һатаһығыҙ? Миңә йыр өсөн текстар кәрәк ине», – тип шаҡ ҡатырҙы ул. Аптырап киттем. Сөнки шиғырҙы һатып була икәнде тәүгә ишетеүем ине. «Мин бер нәмә лә һатмайым. Китапты уҡығыҙ ҙа, оҡшаһа, алығыҙ әйҙә», – тинем. Баҡһаң, шул осорҙа уҡ һатыу-һатып алыу, алыш-биреш башланған, имеш. Шағирҙар шиғыр һата, композиторҙар көй һата. Ошо хаҡта фекерҙәрен белер өсөн эстрада артистарына, композиторҙарға мөрәжәғәт итеп ҡараным. Ысынлап та, бөтәһе лә һата һәм һатып аламы икән? Популяр йырҙар авторы Вә­лит Илембәтовтың исеме моң һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның һүҙҙәренә Ризван Хәким, Роберт Тимербаев, Салауат Низаметди­новтарҙың яҙған йырҙары халыҡ араһында популярлыҡ яулаған. – Бер ваҡытта ла, бер ҡасан да, бер кемгә лә шиғыр һатҡаным юҡ, – тине ул. – 1994 йылда Яңауыл районының ул саҡтағы хакимиәт башлығы Нәзир Зиязовтың заказы буйынса Роберт Тимербаев менән яҙған йырҙы ғына иҫәпкә алмағанда. Әммә унда ла бер ниндәй һатыу тураһында һүҙ булманы. Рәхмәт йөҙөнән икебеҙгә лә видео­двойка бүләк иттеләр – шул булды хаҡы. Ә «Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек» тигән йыр әле лә артистар тарафынан яратып башҡарыла. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта йыр һүҙҙәренең мәғәнәһе бөттө тиергә мөмкин. Хатта филология белеме булған кешеләр ҙә сатай-ботай сағыштырыуҙар менән йыр текстары әтмәләй. Ә бит алалар, башҡаралар. Һорау булғас, тәҡдим дә була инде... ...Үҙе әйткәнсә, меңдән ашыу йыр яҙған Рәмил Сурағолдоң да фекерен белге килде: – Мин предприятие, заводтар өсөн генә аҡсаға яҙам. Ә артистарға бер ваҡытта ла йыр һатҡаным юҡ. Ятаҡтарҙа көн күргән йәш йырсылар минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙарҙы башҡарып популяр булып китә­ләр, «йондоҙ»ға әйләнәләр, нисек уларҙан аҡса алаһың? Улар бит мине лә пропагандалай. Йыр сәнғәтендә шул тиклем плагиат күбәйҙе. Минең «Аллаға шөкөр!» тигән йырҙың 90 варианты бар хәҙер. Исемен әйтеп торма­йым, берәү «Ҡышҡы сейә» тигән йырҙың атамаһын ғына үҙгәртеп «Сейәле ҡыш» тигән йыр яҙҙы. Был бит ижад түгел. Йырҙың бәҫе юғалды, рухы төштө. Прозаны шиғырға һалалар ҙа, аранжиров­ка эшләтәләр, конкурстарҙа ҡат­нашалар һәм, ни ғәжәп, еңеп тә сығалар. Жюри ағзалары нимә ҡарайҙыр? Шиғыр менән прозаны ла айырмаған кеше ниңә башҡа­ларҙың ижадын баһалаусы итеп һайланалыр? Ундай йылғырҙар милли премия алыуға хәтлем барып етә. Татарстанда бер автор бар. Ул йыр текстары яҙыу буйынса рекорд ҡуя. Станокта деталь эшләгән кеүек, штампҡа һалған. Шиғырҙарын 100 һумға ла, 500-гә лә һатып ебәрә – алыусыһы ғына булһын. Ундай­ҙар сифат тураһында түгел, килем хаҡында ғына уйлай. Йырҙың һүҙе мәғәнәле булырға, йөрәктәргә барып етергә тейеш бит. Рәсәй кимәлендә танылған бер йырсы миңә һүгенеү һүҙҙәре менән йыр яҙып биреүемде һораны. «Мин, әлбиттә, уны яҙа алам, ләкин яҙмайым», – тинем. Нисек инде арзан популярлыҡ артынан ҡыуып, шундай түбәнселеккә төшөргә мөмкин? Тәүбә! Рәмил Сурағол тигән исемем бар бит әле минең. Йырҙың тәрбиәүи әһәмиәте булырға тейеш! ...Башҡортостан «Юлдаш» ра­диоһы ниндәйҙер кимәлдә сифатһыҙ йырҙар менән көрәшә. Улар студияла яҙҙырған йырҙарҙы эфирға сығарыу-сығармау мәсьәләһен үҙҙәренсә хәл итергә тырыша. Күпмелер йыр тупланғандан һуң шағир, композитор һәм артистар ҡатнашлығында тыңлау ойоштора. Шағирҙар текст буйынса фекерҙәрен әйтә, композиторҙар көйө хаҡында үҙ һүҙен еткерә. Шул рәүешле улар йәштәрҙең ижад емештәрен эфирға сығарыу-сығармау мәсьәләһенә яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алып, ҡултамғаларын ҡуя. Ә бит ошо миссияны элек Композиторҙар союзы эргәһендәге абруйлы комиссия хәл итә ине. Радиоға яҙҙырырға йәки матбуғатта ноталарын тәҡдим итергә теләгән һәүәҫкәрҙәр тәүҙә шул комиссияға килеп, күрһәтеп, фатихаларын алғас ҡына артабан мисәтле, ҡултамғалы йырҙарына «йәшел юл» ала ине. Шунһыҙ бер матбуғат та, радио ла уларҙы сы­ғарманы. Сәхнәләрҙән, телевидениенан ҡарап, радионан тыңлап ултырғанда ғына йырҙарҙың халыҡҡа барып еткәнсә ниндәй юл үткәнен белеп тә булмай. Күптәр артист үҙенә оҡ­шаған йырҙы ала ла, сәхнәгә сыға тип уйлай. Элек, бәлки, шулай булғандыр. Хәҙер улай түгел. Бына нимә ти танылған йырсы Искәндәр Ғәзизов: – Иң арзан йырҙы 5-8 мең һумға һатып алырға мөмкин, артабан – 10-12, хатта 20 меңгә еткәндәре лә бар. Шулай ҙа буш биреүселәр ҙә осрап ҡуя. Йырға клип төшөрөү – 15 мең һум. 50-100 меңгә төшөргәндәр ҙә бар. Рәсәй артистарының клиптары 1 мил­лионға хәтлем барып етә. Клипҡа тиклем аранжировка эшләтәһе лә бар бит әле. Уның да иң осһоҙо – 10 мең. Сифатына ҡарап, хаҡтар ҙа арта бара... Клип тигәндән, йырҙың йөк­мәткеһен асырҙай видеорәттәр төшөрөлмәй, үкенескә күрә. Нин­дәйҙер тәбиғәт күренештәре сағыла ла шуның менән бөттө. Ә бит клиптың нимә икәнен дә белмәгән саҡта беҙҙең телевидение «Буран­бай» йырына ниндәй тетрәткес видео төшөргән! – Минең репертуарымдағы күп йырҙар Салауат Низаметдиновтыҡы, – тине Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина. – Ул бер ваҡытта ла миңә йырын һатып бирмәне. Ә элекке башҡарған йырҙарҙы алған саҡта ундай һатып алыу тигән нәмә юҡ ине әле. Хәҙер, Салауат булмағас, репертуарға яңы йырҙар кәрәклеге тойолдо. Һәм миңә лә ҡағылды был замана шау­ҡымы. Татарстандан 12 меңгә бер йыр һатып алдым. Әлфиә Юлсурина – үҙенсәлек­ле йырсы. Уға мотлаҡ көслө драматизмлы шиғыр юлдары кәрәк. Беҙҙең шағирҙар араһынан ундай ижадты тапҡан хәлдә лә, шул хисте бирә алырҙай композиторҙар юҡлығын ныҡ ауыр кисерә. Һөйләшеүҙе дауам итеп, «Юлдаш» радиоһында эшләүсе һәүәҫкәр композитор Риф Арыҫландың да фекерен ишетке килде. «Профессиональ композиторҙар йырҙарын аҡсаға һатмайҙар ҙа, яҙмайҙар ҙа. Һатыусыларға көн ҡалды. Исемләп атап тормайым, уҡыһалар, былай ҙа үҙҙәрен танырҙар, бер бик популяр булып киткән йыр ижад итеүсе һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа ла 30 меңгә һата. Рифмаһы ла булмаған шиғырҙарға моңо ла булмаған көйҙәр баҫып алды. Йыр яҙыуҙы кәсеп итеп алыусылар күп. Үҙемә килгәндә, мин бик һирәк яҙам. Көйҙәремде күберәк балалар­ға, йәштәргә бүләк итәм. Һатҡан саҡтарым да бар. 10 меңгә алалар». Йырсылар ҙа, композиторҙар ҙа хәҙер текст эҙләп, шағирҙарҙың китаптарына мөрәжәғәт итмәй. Күбеһенсә, кемдәр нимә тәҡдим итә, шуға көй яҙалар. Ә инде үҙҙәренсә ниндәйҙер көнүҙәк, актуаль проб­лемалы темалар килеп сыҡһа, йә үҙҙәрен борсоған, шәхси тормоштарына ҡағыл­ған текстар кәрәкһә, шәхсән әҙиптәргә мөрәжәғәт ит­келәйҙәр. Мәҫәлән, бер мәл Салауат Низаметдинов миңә ике тапҡыр шундай үтенес менән мөрәжәғәт итте: Өфөгә арналған һәм ҡыҙы тыуғас, шуға бағышлап йыр яҙғыһы килде. Мин заказ буйынса яҙа алмайым. Йәш саҡта композитор Рә­шит Йыһанов атаһының юбиле­йына йыр бүләк иткеһе килеп, минән шиғыр яҙып биреүемде һорағай­ны. Мин баштан уҡ баш тарттым. «Атайым үлгәндә миңә йәш ярым булған, атайҙың ни икәнен белеп үҫмәнем, үҙем кисермәгәнде нисек яҙайым», – тинем. Аҙаҡ ишеттем атайлы шағирә яҙып биргән уға шиғырҙы. Йыр радионан яңғырап тора. Салауаттың күңелен ҡырмаҫ өсөн ҡыҙы Ләйсәнгә арнап һәм Өфө тураһында шиғыр яҙып бирҙем. Ләкин заказ буйынса тыуған йыр килеп сыҡманы. Тағы ике композитор мөрәжә­ғәт итте. Уларға ла, яҡындан белгән кешеләр булғас, яҙып бирҙем ҡы­ҙыҡһындырған темалары буйынса шиғырҙарҙы. Беренсеһе лә яҙманы – өс йыл үтте, икенсеһе лә яҙманы, уға ла өс йыл үтте. Икеһе лә йыш яҙмай, һирәк ижад итә, әммә матур ғына йырҙары бар. Шулай итеп, минән заказлы текст яҙыусы килеп сыҡманы. Хәҙер мөрәжәғәт итеүселәргә: «Ана, китапты уҡығыҙ ҙа, оҡшаһа, яҙығыҙ», – тим дә ҡуям. Йылайыр районында йәшәгән һәүәҫкәр композитор Дамир Солтанов, мәҫәлән, шулай итә лә. Яңыраҡ: «Әсәй тураһындағы бер шиғырығыҙға көй яҙҙым. Берәй йырсы башҡара алмаҫмы икән?» – тип хәбәр ебәрҙе. Бушҡа бирә, алһындар, йырлаһындар ғына. Тамашасылар яратҡан танылған артисткаға әйтеп ҡарағайныҡ, ул: «Апай, әле минең аранжировкаға иҫәпләшергә мөмкинлегем юҡ, баламды түләүле дауалау сеанстарына йөрөтәм, бик күп аҡса китә», – тине. ...Йырҙарҙың да бәхетле, бә­хетһеҙҙәре була, күрәһең. Апайым, шағирә Миңлегөл Хисамованың әсәйебеҙ мәрхүмә булғандан һуң яҙған моңһоу шиғырына үҙе лә ата-әсәһен юл фажиғәһендә юғалтып, үҫмер сағында ғына етем ҡалған Айгөл Ихсанова тигән музыкант матур йыр яҙған. Уның нотаһы менән һүҙҙәре гәзиттә баҫылып та сыҡты ваҡытында. Шул йырҙы иҫләгән кешеләр былтыр «Бәйләнештә» төркөмөндә һүҙҙәрен һәм нотаһын ҡабаттан биреүҙе һорап та яҙҙылар. Ләкин шул тиклем матур йырҙы башҡарыусы һаман табылғаны юҡ. Әсәйҙәре иҫән артистар уны репертуарына алмай. Был аңлашыла ла. Ғәзиз кешеләрен юғалтҡан йырсылар ҙа байтаҡ бит. Күрәһең, улар «Бәйләнештә» төркөмөн ҡарамай. Ә апайым да, мин дә үҙебеҙ кемгәлер тәҡдим итеп йөрөүҙе белмәйбеҙ. Айгөл Ихсанова ла бик баҫалҡы музыкант. Ул Башҡортостан Милли оркестрында скрипкала уйнай. Минең «Һағынырһың» тигән шиғырға ла көй яҙған икән. Уны ла бер кемгә лә күрһәтмәгән. Айгөлдө беҙгә Башҡортостандың халыҡ ар­тисткаһы Әлфиә Юлсурина табырға ярҙам итте. Баҡһаң, ата-әсәһе Бөрйәндә Әлфиәнең әсәһе менән бергә мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән икән. «Һағынырһың» тигән ши­ғырға Салауат Низаметдинов та көй яҙғайны, уны талантлы йырсы Радик Гәрәев башҡарыуында радионан йыш тапшыралар. Айгөл был йырҙың барлығын белеп яҙғанмы, әллә белмәйме – уныһы билдәле түгел. Ә шулай ҙа бик ишетке килә. Үҙе лә ҙур юғалтыуҙар кисергән ижадсы минең дә илай-илай яҙған шиғырға, моғайын да, тетрәткес йыр яҙғандыр. Кем башҡарыр икән ул йырҙы? Талантлы ижадсыны әү­ҙемерәк эшләргә йәлеп итергә ине. Йыр тураһында яҙырға тотоноуыма тағы бер шылтыратыу сә­бәпсе булды. Райондан танышым былай тип аптырап мөрәжәғәт итте: «Ҡыҙым сәнғәт институтын тамамланы, йырлай ҙа, скрипкала ла уйнай. Репертуарында матур ғына бер йыр булһын әле тип шиғыр яҙҙым да йәштәр араһында танылған ғына бер һәүәҫкәр композиторға көй яҙыуын һорап шылтыраттым. «Күпмерәк аҡса кәрәк булыр икән?» – тип һораным, «30 мең», – тип яуап бирҙе. «Пенсиялағы кеше өсөн бигерәк ҡиммәт бит әле, әҙерәк кәметмәҫһегеҙме?» – тигәйнем, «Юҡ, минең таксам шундай», – тине. Иҫем китеп, аптыраным да ҡалдым. Ул йыр әллә беҙгә оҡшай, әллә юҡ. Халыҡ ҡабул итәме, юҡмы? Популяр буламы – уныһын да әйтеп булмай. Был хаҡта уйлап та ҡарамай, күрәһең. Нисек булһа ла, тиҙ генә яҙырға ла аҡсаһын алырға, артабан теләһә нимә эшләһендәр тине, буғай. Шулай итеп, ҡыҙымдың тыуған көнөнә йыр бүләк итәм, тигән хыялым тормошҡа ашманы. Аранжировка ла эшләтергә, клип та төшөрөргә тура килһә, тәүбә, йөҙ мең самаһына төшә түгелме һуң бер йыр?» Шуға күрәлер ҙә, моғайын, йырсылар корпоративтарҙа сығыш яһап, әҙ булһа ла аҡса эшләп ҡалырға тырышалыр. Тамада булып, туйҙар, юбилейҙар алып баралар. Һуңғы ике йылда «тажлы» зәхмәт арҡаһында ғына ундай саралар бик үткәрелмәй торҙо. ...Бына шулай хәлдәр. Ҡоштар ғына бушҡа һайрай, йырсы бушҡа йырламай. Әммә бөгөнгө йырҙарҙың ҡай­һылары заман иләге аша үтеп, киләһе быуындарға етер? Уныһын, әлбиттә, киләсәк күрһәтер. Заманы ниндәй – йыры шундаймы? Йырҙар темаһы бер бөгөн генә күтәрелмәй. 1999 йылда (23 йыл элек!) Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы Актерҙар йортонда «Йыр менән дуҫ иптәш табыла» тигән темаға ҙур һөйләшеү үткәргәйне. Унда һүҙ башҡорт йырҙары, шиғри текстары һәм көйҙәре хаҡында барҙы. Был йыйынға күренекле шағирҙар, композиторҙар, йырсылар, сәнғәт белгестәре, журналистар, музыка өлкәһендә эшләүселәр һәм йыр-моң һөйөүселәр саҡырылғайны. «Йыр тигән арбаусы мөғжизә кеше рухын сафландырырға ла, уның күңелен аҙҙырырға ла һә­ләтле, – тигәйне Рауил Бикбаев үҙ сығышында. – Милләттең бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышына йырҙарыбыҙҙың баһалап бөткө­һөҙ көслө йоғонтоһо, шәхесте тәр­биәләүҙә бик ҙур әһәмиәте бар. Тимәк, бөгөнгө йырҙарыбыҙҙың сифат мәсьәләһе дәүләт кимәлендәге үтә яуаплы һәм етди мәсьәлә». Сығыштарҙан һуң тәҡдимдәр ҙә байтаҡ булды. Һөҙөмтәлә ошондай һөйләшеүҙәрҙе ике-өс йылға бер үткәрергә (ғәмәлдә 23 йыл үтте); Яҙыусылар союзы менән Компо­зиторҙар союзы араһындағы ижади бәйләнеште нығытырға; Мәҙәни­әт министрлығынан йыр буйынса ижади совет булдырыуҙы һорарға; «Йыл йыры» конкурсы уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Улар бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған. Йыр – ул тормошо­боҙҙоң сағылышы. Ниндәй йыр-моңдарыбыҙ тарихта ҡалыр? Был һорауға шағирҙар ҙа, композиторҙар ҙа, башҡарыусылар ҙа етди ҡарарға бурыслы.
2021 йылға тиклем “Мәғариф” милли проектына ярашлы Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә контентты фильтрҙан үткәреү системалары барлыҡҡа килә. Улар уҡыусыларҙың зыянлы ресурстарға — наркотиктарҙы, экстремизмды, суицидты пропагандалаған һәм башҡа сайттарға инеү мөмкинлеген сикләй. Бынан тыш, Роскомнадзор вәкилдәре балаларҙың кеҫә телефондарына һәм өй компьютерҙарына ла ошондай фильтр ҡуйырға тәҡдим итә. Был мәсьәләне ата-әсәләр менән тикшереү күҙаллана. Бөгөн компьютер технологияларының һәм интернет селтәренең киң ҡолас йәйеүе аралашыуға, белемеңде камиллаштырыуға ҙур мөмкинлектәр бирә. Әммә Интернет селтәре ҡулайлы булһа ла, уның аша балаларыбыҙ өсөн ҡурҡыныс янауы хаҡында оноторға ярамай. Был мәсьәлә һаман да көнүҙәктә ҡала, сөнки бәлиғ булмаған ҡулланыусылар һаны артҡандан-арта. 2020 йылдың 28 февраленән 30 июнгә тиклем райондың белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларында Интернет селтәре менән ҡулланғанда балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың медиахәүефһеҙлеген һәм һанлы белем кимәлен күтәреү маҡсатынан “Интернет хәүефһеҙлеге айлығы” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторолдо. Акция барышында вертуаль селтәрҙәрҙе ҡулланыу ҡағиҙәләренә арналған саралар уҙғарылды. Унда балалар интернетта таныш булмаған кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләрен белде, “зыянлы” сайттарға инмәҫкә, антивирус программалары менән эш итергә һәм үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәрен хәүефһеҙлектә һаҡларға өйрәнде. Мәғләмәт-ағартыу акцияһы Интернет селтәренән зыян күргән балаларға ярҙам милли үҙәге мониторингы составына ингән “Интернет хәүефһеҙлеге лигаһы” интернет-индустрияһы тарафынан үткәрелде. Сараларҙың төп маҡсаты — балаларҙың үҙ аллы мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ ҡулланыуы, вертуаль селтәрҙәге ҡылыҡтары өсөн яуап биреүе, балаларға интернет менән бәйле мөмкин булған хәүефтәр тураһында ваҡытында аңлатыу. Тематик класс сәғәттәрендә уҡытыусылар донъя селтәре менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғи һаҡлауға баҫым яһаны, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һайлай белергә һәм улар менән хатаһыҙ файҙаланыуға һабаҡ бирҙе. Дәрестәрҙән һуң уҡыусыларҙан һорауҙарға яуап алынды. Улар нигеҙендә белем биреү усаҡтарындағы бөгөнгө хәл-ваҡиғаларға анализ яһалды. Уның буйынса балаларҙың 87 проценты вертуаль селтәрҙә үҙҙәре, ғаиләләре тураһындағы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашмай, Интернет этикаһын боҙмаҫҡа тырыша. Барлыҡ саралар йәмәғәтселектең иғтибарын Интернет сәлтәрендә балаларҙың хәүефлеген тәьмин итеүгә йүнәлтер өсөн башҡарылды. Ололар был шөғөлдөң файҙанан тыш, зыян да килтереүе хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртеү яһаны, ҡурҡыныс һәм “зыянлы” ресурстарҙы айыра белергә, уларға ҡаршы торорға саҡырҙы. Шулай уҡ “Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек” тигән ата-әсәләр йыйылыштары ла ойошторолдо. Осрашыуҙа балаларға нисә йәштән интернет селтәре менән ҡуллана башларға мөмкин? Уларға шәхси иҫәп алып барырға рөхсәт итергәме? Вертуаль селтәр менән эш иткәндә ғаилә эсендә ниндәй ҡағиҙәләр менән ҡулланырға? Компьютер вирустары тураһында нимәләр белергә кәрәк? кеүек һәм башҡа һорауҙар күтәрелде һәм тикшерелде. “Интернет хәүефһеҙлеге айлығы” ваҡытында халыҡҡа бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр еткерелде. Дилара Бәҙретдинова. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Башҡортостанда йәшәгән 65 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына һәм тыл эшсәненә Рәсәй президенты Владимир Путиндан шәхси ҡотлау менән өс мөйөшлө хаттар таратыла.#ВладимирПутин Башҡортостанда йәшәгән 65 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына һәм тыл эшсәненә Рәсәй президенты Владимир Путиндан шәхси ҡотлау менән өс мөйөшлө хаттар таратыла. Был хаттарҙы улар йыл аҙағына тиклем илдең теләһә ҡайһы нөктәһенә ебәрә ала, сөнки уларҙа почта түләүе билдәһе ҡуйылған. Федераль элемтә агентлығы, Рәсәй почтаһы һәм «Марка» акционерҙар йәмғиәте Еңеүҙең һәр юбилейына ветерандар өсөн бушлай хаттар сығара. «Был — хатты һуғыш йылдарындағы кеүек еңел генә өс мөйөш итеп бөкләп ебәрергә мөмкин булһын өсөн махсус трафаретлы ҡағыҙ, — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Ул ваҡытта өс мөйөшлө хаттарҙы ябай ҡағыҙға яҙғандар. Үҙенсәлекле бөкләү схемаһы конверт талап итмәгән, адрес ҡағыҙҙың тышҡы яғына яҙылған. Яугирҙәргә хат килтереү ҡорал, патрон һәм снаряд ташыу һымаҡ мөһим эш һаналған. 1941-1945 йылдарҙа почта хеҙмәте бөтәһе 6 миллиардтан ашыу фронт хаты ташыған». Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Йәмәғәт наградаһы менән балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә. Ир-егеттәрҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыу аҙымы һәм дәүләт наградалары балаларының уҡыуҙа, эштә, спортта һәм ижадта өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары кеүек үк өҫтөнлөккә эйә. Шулай уҡ 5 йылдан ашыу уллыҡҡа алынған балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән ир-егеттәр, Ватанды һаҡлағанда хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған, хәрби йәки гражданлыҡ бурысын үтәгәндә яраланыу, контузия алыу йә иһә эштә имгәнеү, һөнәри сир һөҙөмтәһендә балалары үлгән атайҙар бүләкләнергә мөмкин . Награда материалдары электрон төрҙә йәки ҡағыҙҙа Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппаратында 2020 йылдың 15 апреленә тиклем ҡабул ителә. Конкурс комиссияһы 15 майға хәтлем Йәмәғәт палатаһы советына ҡарау өсөн лайыҡлы кандидатуралар күрһәтә. Һөҙөмтәләр Палата сайтында баҫыла. Бүләкләү тантанаһы Рәсәйҙә Атайҙар көнө уңайынан 2020 йылдың 24 июнендә була. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Һалым хеҙмәте Башҡортостанда йәшәүселәргә 2017 йыл өсөн мөлкәт һалымдары буйынса белдереү ҡағыҙҙары ебәрә башланы. 3 декабргә тиклем улар бюджетҡа түләнергә тейеш. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда мөлкәт һалымдарын түләү тураһында белдереү ҡағыҙҙарын яҡынса 3,5 миллион кеше ала. Ошо һандан 1 миллион 128 мең кеше – ер һалымын, 1 миллион 405 мең кеше – мөлкәт һалымын һәм 936 меңдән ашыу кеше транспорт һалымын түләй. Быйыл һалым иҫәпләүҙә нимәләр үҙгәрҙе, белдереү ҡағыҙҙарында ниндәй сумма яҙыла, кемдәргә льготалар ҡаралған, нисек һалымды тиҙ генә түләргә – ошо хаҡта «Башинформ»дың «Түләргә ваҡыт етте. Башҡортостанда йәшәүселәр ер һәм мөлкәт һалымдары тураһында нимәләрҙе белергә тейеш» материалында уҡығыҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мәңгелек өсөн дә, миҙгел өсөн дә закон бер. Был йәһәттән мин үҙ милләтем тура­ һында уйлайым. Рухи йәшәйешендә ул юғары күтәрелештәргә лә ирешкән, ҡуңалтаҡлыҡ та кисергән. ...Мәңгелек өсөн дә, миҙгел өсөн дә закон бер. Был йәһәттән мин үҙ милләтем тура­ һында уйлайым. Рухи йәшәйешендә ул юғары күтәрелештәргә лә ирешкән, ҡуңалтаҡлыҡ та кисергән. Шулай ҙа оҙон-оҙаҡ тарих юлында үҙенең ижади ҡеүәтен, һәлә­ тен, илһамын юғалтмай һаҡлап килгән. һәр бер халыҡ үҙенең тарихи юлына, тарихи яҙмышына ярашлы үҙ-үҙен раҫлауға, баһалауға лайыҡ икәнлеген иҫбатлау өсөн генә үткәндәргә әйләнеп ҡарайым. Был баһаны ситтән тороп, сит күҙ менән ҡарап үҙгәртеп булмай. Уға һуңғы мөһөр һуғылған, һәр халыҡ: «Бына мин шундай. Мин нисек бармын, шулай ҡабул ит. Һеҙгә ҡарата мин дә шулай эшләрмен», – тип белдерә. Халыҡтар үҙ-ара мөнәсә-бәттәрен ошо кире ҡағылғыһыҙ факторҙың – милләттең үҙ-үҙен баһалауынан сығып ҡорорға бурыс­ лы, ә бер-береһенә үҙ ба-һаһын, шулай уҡ үҙ ихтыярын көсләп тағырға тейеш түгел. ...Әлбиттә, Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә милли мәсьәләгә барыһы ла бөркөттәр бейек­ легенән ҡарамай, үҙ түңгәгенән донъяға бағыусылар ҙа бар. Бер яҡтан – был мәсьәләнең асылын белмәүҙән, аңламауҙан, икенсе яҡтан – сикләнгәнлектән, ...үҙеңде ғәҙәттән тыш шәпкә сығарырға маташыу­ ҙан килә. Мостай Кәрим иҫтәлектәренән. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Әле спорт биләмәһендә футбол манежы төҙөлә. Яңы ғына өҫтәл теннисы залы эшләй башлаған. Киләһе йыл Канада стандарттары буйынса ябыҡ хоккей майҙансығы сафҡа индереләсәк. Унда 200-ләп бала шөғөлләнә аласаҡ. Шулай уҡ тағы бер социаль проект күҙ уңында тотола. Ул – аэроторба түңәрәге әммә ул парашютсылар әҙерләү өсөн түгел, фалиж һуҡҡан балаларҙы дауалау маҡсатында асыласаҡ. Спорт объекттарының иҫәбе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. Республикала 12 мең тирәһе учреждение эшләй. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Ылаҡ Хис-тойғоға юл ҡуймағыҙ, юғиһә яҡындарығыҙ менән һүҙгә килеүегеҙ бар. Осрашыуҙан баш тартығыҙ, мохтаждарға ярҙам итегеҙ. Ылаҡ Хис-тойғоға юл ҡуймағыҙ, юғиһә яҡындарығыҙ менән һүҙгә килеүегеҙ бар. Осрашыуҙан баш тартығыҙ, мохтаждарға ярҙам итегеҙ. Һыуғояр Киләсәк тураһында уй бар булмышығыҙҙы биләп алыр. Йәшәйешегеҙгә үҙгәреш индереү тураһында ниәтегеҙ тормошҡа ашыр. Балыҡ Башлаған эшегеҙҙе тамамларһығыҙ. Был һеҙҙе яңы проектҡа тотонорға дәртләндерер. Йома сағыу ваҡиға уртаһында булырһығыҙ. Ҡуҙы Был аҙнала башҡарған эшкә йомғаҡ яһарһығыҙ, киләсәккә план ҡорорһоғоҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәреш көтөлә. Буға Осор ваҡиғаларға бай. Бөтәһенә лә өлгөрөр өсөн аныҡ маҡсат булырға тейеш. Юғиһә барыһынан да буш ҡалыуығыҙ ихтимал. Игеҙәктәр Үҙегеҙгә генә ышанығыҙ. Һеҙгә ҡаршы булғандарҙы асыҡларһығыҙ, улар менән уртаҡ тел табырһығыҙ. Аҙна аҙағында бөтәһе лә үҙ урынына ултырыр. Ҡыҫала Тәүәккәллек күрһәтергә тура килер. Эштә мөһим бурыс йөкмәтеүҙәре бар. Йорт мәшәҡәттәрен дә ваҡытында башҡарырға кәңәш ителә. Арыҫлан Ғаиләгә, яҡындарығыҙға иғтибар бүлегеҙ. Тормошоғоҙға үҙгәреш индерегеҙ. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн мөмкинлек сығыр. Ҡыҙ Бик мөһим тәҡдим алырһығыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәт киҫкенләшер, әммә оҙаҡҡа түгел. Эшкә ҡарашығыҙ уларҙа һоҡланыу уятыр. Үлсәү Аҙна буйы күтәренке кәйефтә булырһығыҙ. Эшегеҙҙә ыңғай үҙгәреш яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттә лә сағылыр. Саян Осор ябай түгел. Бәхәскә инеүҙән, физик һәм эмоциональ көсөргәнештән һаҡланығыҙ, сәләмәтлегегеҙ тураһында хәстәрләгеҙ. Уҡсы Тейешле һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн мутлашыуға бармағыҙ. Был аҙнала шулай уҡ финанс мәсьәләне хәл итеүҙе ҡалдырып тороғоҙ.
Рәсәй күләмендә “Интернет-коммуникациялар лидерҙары” тип аталған конкурс башланды. Унда 18 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала. Бәйге барышында бөтә ил буйынса интернеттағы тормош ҡағиҙәләрен һәм механиканы яҡшы белгән иң көслө digital-белгестәрҙе билдәләйәсәктәр. Рәсәй күләмендә “Интернет-коммуникациялар лидерҙары” тип аталған конкурс башланды. Унда 18 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала. Бәйге барышында бөтә ил буйынса интернеттағы тормош ҡағиҙәләрен һәм механиканы яҡшы белгән иң көслө digital-белгестәрҙе билдәләйәсәктәр. Конкурста ҡатнашыу өсөн теркәлеү лидерыинтернета.рф сайтында башланды һәм ул 2021 йылдың 26 февраленә тиклем дауам итәсәк. Бәйгегә интернет-коммуникациялар өлкәһендә яңы эш башлаған белгестәрҙе, контент-менеджерҙарҙы, аналитиктарҙы, блогерҙарҙы, эксперттарҙы, һанлы мәғлүмәт проекттары етәкселәрен көтөп ҡалалар. Еңеүселәр ил күләмендә танылған интернет-эксперттар һәм оҫталар ҡулында стажировка үтәсәк. Бынан тыш, улар Мәскәү дәүләт университеты базаһында идара итеү һәм һанлы компетенцияларҙы үҫтереү буйынса тулыһынса бушлай уҡыу программаһы үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Конкурсты “Диалог” ойошмаһы һәм Төбәктәр менән идара итеү үҙәктәре (ЦУР) “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы менән берлектә уҙғара. “Беҙҙең бурыс – һанлы белгестәр араһынан талантлы кешеләрҙе һайлап алыу, уларҙы уҡытыу, ошо өлкәгә ҡағылышлы белгестәр әҙерләү ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем. Беҙҙең һанлы киләсәк тап һеҙҙән тора”, - тип мөрәжәғәт итте Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Илшат Булат улы Зарипов Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2005 йылдан алып 2015 йылға тиклем “Шоңҡар” йәштәр журналында хәбәрсе, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Артабан “Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто” дәүләт-унитар предприятиеһының “Башҡортостан журналдары” филиалы директоры урынбаҫары була. Илшат Зарипов - Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре. Журналдың элекке баш мөхәррире Сөләймән Латипов хаҡлы ялға китте. Фото: "Башинформ". Автор: Карима Усманова Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Уның барышында «Аутентик йыр фольклоры», «Фольклор бейеүе», «Йолалар, уйындар, әйлән-бәйлән», «Халыҡтар дуҫлығы», «Донъяла тыныслыҡ» конкурстары ойошторола. Шулай уҡ программала — «Донъя халыҡтарының милли кейемдәре» һәм «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» фотокүргәҙмәләре, «Оҫталар ҡалаһы» биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, сәхнәлә донъя халыҡтары мәҙәниәте менән таныштырыу, донъя халыҡтары тураһында мәғлүмәт гәзиттәре сығарыу, түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, фильмдар ҡарау. Мәктәп фольклориадаһында Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү, өҫтәмә белем биреү һәм мәҙәниәт ойошмалары уҡыусылары ҡатнаша. Сара өс этапта уҙғарыла: мәктәп (2020 йылдың марты), муниципаль (2020 йылдың апреле), республика (2020 йылдың майы). Һуңынан Өфөлә гала-концерт менән тамамлана. «Республиканың күп кенә белем биреү ойошмаларында Мәктәп фольклориадаһын уҙғарыу барышында саралар ойоштороу эше алып барыла. Иң яҡшы коллективтар республика этабында ҡатнаша», — тип белдерҙеләр ойоштороу комитетында. Мәктәп фольклориадаһын ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы. Мәктәп фольклориадаһының маҡсаты – үҫеп килгән быуынды халыҡ традицияларына ылыҡтырыу, йәш быуында һәм өлкәндәрҙә донъя халыҡтарының тарихына һәм мәҙәниәтенә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү.
Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса пенсионерҙар һаны 2010 йылда 855,7 меңдән алып 2019 йылда 1 миллиондан ашыу кешегә тиклем артҡан. Йыл башына ҡартлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме республикала 15,3 мең һумға еткән (2010 йылда 7,1 мең һум). Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса пенсионерҙар һаны 2010 йылда 855,7 меңдән алып 2019 йылда 1 миллиондан ашыу кешегә тиклем артҡан. Йыл башына ҡартлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме республикала 15,3 мең һумға еткән (2010 йылда 7,1 мең һум). Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ҡартлыҡ буйынса һәр бишенсе пенсионер тиерлек мәшғүлдәр төркөмөнә ҡарай. Рәсми булмаған мәшғүллекте иҫәпкә алып, Башҡортостанда эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың өлөшө бер аҙ юғарыраҡ – уҙғарылған һорау алыуҙарға ярашлы ул 30% самаһы тәшкил итә, тип йомғаҡ яһанылар Башстатта. Сығанаҡ: Башинформ. Фото: Zen.yandex.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
15 ноябрҙә Бөтә Рәсәй хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа йылдың-йылы матур йолаға ярашлы, район мәҙәниәт һарайында буласаҡ һалдаттарҙы йыйып, улар өсөн байрам сараһы уҙғарыла. Билдәле сәбәптәр быйылғыһына төҙәтмәләр индереп, тантаналы сараны ойоштороу кисектерелде.1 октябрҙән башланған көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Ауырғазы район-ара хәрби комиссариатының Ғафури хәрби-иҫәп пункты был тәңгәлдә әүҙем эш алып бара. 15 ноябрҙә Бөтә Рәсәй хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙа йылдың-йылы матур йолаға ярашлы, район мәҙәниәт һарайында буласаҡ һалдаттарҙы йыйып, улар өсөн байрам сараһы уҙғарыла. Билдәле сәбәптәр быйылғыһына төҙәтмәләр индереп, тантаналы сараны ойоштороу кисектерелде. 1 октябрҙән башланған көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Ауырғазы район-ара хәрби комиссариатының Ғафури хәрби-иҫәп пункты был тәңгәлдә әүҙем эш алып бара. Комиссариат начальнигының Ғафури районы хәрби-иҫәп пункты буйынса ярҙамсыһы Альберт Фәйезов әйтеүенсә, хеҙмәткә көҙгө саҡырыуҙа 32 егетте оҙатыу планлаштырыла. Тәүге төркөм 18 октябрҙә әрме хеҙмәтенә оҙатылған. Артабан - 26 октябрҙә һәм 5 ноябрҙә 6 егет һалдат сафына баҫҡан. Әгәр ҙә республикала призыв буйынса план үҙгәрмәһә, районыбыҙҙан һуңғы төркөм 13 декабрҙә ил алдындағы бурысын үтәргә юлланасаҡ. - Нигеҙҙә районыбыҙ егеттәре ҡоро ер ғәскәрҙәренә хеҙмәткә йүнәлтелә. Тәүге төркөм тап шундай частарҙа хеҙмәтен үтәй башланы ла инде, - ти Альберт Шәрифулла улы. – Өфөләге республика йыйылыу пунктында егеттәргә хәрби часҡа оҙатылғанда форма һәм ҡоро паек менән бергә шәхси һаҡланыу саралары ла бирелә. Барлыҡ йәш кешеләр хәрби частарға оҙатылырҙан бер нисә көн алда COVID-19-ға анализ тапшыра. Улар бында ла һәм хеҙмәт урынына барып еткәс тә тест үтәсәктәр. Шулай уҡ республика йыйылыу пунктына райондарҙан хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы графикка ярашлы, төрлө ваҡытта килтереү ойошторолған. Быларҙың барыһы ла йоғошло сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн эшләнә, - ти ул. Улдарын әрме хеҙмәтенә оҙатҡан ата-әсәләргә ҡайғырмауҙарын, ә ил һағына баҫасаҡ егеттәргә ғафуриҙар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, намыҫ менән, иҫән-һау хеҙмәттәрен тултырып ҡайтһындар, – тигән теләктәрен дә еткерҙе А.Фәйезов. И.ӘЛИБАЕВА. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Бәләкәс кенә ҡыҙсыҡтарыбыҙ ҙа матурлыҡҡа ынтыла, гүзәллек серҙәре менән ҡыҙыҡһына. Төрлө төҫтәге сәскәле сәс ҡыҫтырғыстар уларға айырыуса оҡшар, тип уйлайбыҙ. Үҙегеҙҙең кейемегеҙҙе биҙәһәгеҙ ҙә, күңелегеҙ күтәренке булыр. Оҫталыҡ дәресен Өфөнән Гөлназ ҮТӘБАЕВА үткәрә. Гөлназ ҡул эшенән башҡа үҙен күҙ алдына килтерә лә алмай. Бәйләй, тегә, шәхси йорттарының эсен дә, тышын да үҙенсәлекле итеп биҙәү менән мәшғүл. Бындай сәскәләрҙе ул үҙе эшләгән башлыҡтарҙы биҙәү өсөн эшләй башлаған, шулай мауығып киткән. Б ер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға килгәс, дәрт өҫтәлгән генә. Көн һайын Гүзәл менән Асель, аллы-гөллө сәскәләрҙе тағып, береһе – мәктәпкә, икенсеһе балалар баҡсаһына ашыға. Ҡустылары Азамат иһә хәстәрле әсә ҡулдары эшләгән күбәләк-галстукты ғорурланып тағып йөрөй. Бәләкәстәрен яратып, ҡурсалап үҫтерә Гөлназ менән Дим Үтәбаевтар. Күп балалы татыу ғаиләгә матурлыҡҡа ынтылыу хас. Александр ДАНИЛОВ фотолары. Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Асфальт-бетон заводы” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын һәр ваҡыттағыса эш өҫтөндә ҡаршылай. Әлеге мәлдә Йәнырыҫ ауылы һәм ҡаланың Ленин проспекты юлдарында асфальт һалыу эштәре бара. 18 октябрь – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө “Асфальт-бетон заводы” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын һәр ваҡыттағыса эш өҫтөндә ҡаршылай. Әлеге мәлдә Йәнырыҫ ауылы һәм ҡаланың Ленин проспекты юлдарында асфальт һалыу эштәре бара. Предприятие директоры вазифаһын башҡарыусы Ринат Юлғотлин әйтеүенсә, быйыл ҡала һәм район юлдарын, туҡталыш майҙансыҡтарын, ихаталарҙа, балалар баҡсаларына, предприятиелар территорияһында асфальт һалыу, тротуарҙарҙы ремонтлау буйынса күләмле эштәр башҡарылған. Предприятие өс участканан тора, коллективта бөтәһе 98 кеше тырыша. Быйыл ғына ҡалала 29-сы, 21-се балалар баҡсаһы, 4-се мәктәп территорияһында асфальт ҡатламын яңыртҡандар. Түбәнге Әрмет, Ишәй, Көҙән, Петровск, Этҡол, Уразбай, Кинйәбулат, Байғужа, Ҡанаҡай һәм башҡа ауылдарҙа соҡор ремонты башҡарылған, иң проблемалы участкаларҙа өлөштә яңы асфальт түшәлгән. Юлсыларҙы эш урынында күреү маҡсатында Йәнырыҫҡа юлландыҡ. Асфальт килтереп кенә торған мәл. Участка начальнигы Рәмзиә Арыҫланова хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә тырышып эшләй, йәштәр уның тәжрибәһенә таяна ала. Яҡташыбыҙ “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнгән. - Әле планға ярашлы 150 метр араға асфальт түшәйбеҙ. Көндәр матур торғанда өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Ошо предприятиела эшләүемә 28 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Мин яуаплы участкала егерменән ашыу эшсе. Улар араһынан асфальт һалыусы ир-егеттәребеҙ Баһадир Байматов, Фәнис Мифтахов, Андрей Греков, Анис Мартынов, Илшат Мөҡминовты билдәләп үтер инем. Улар күп йылдар үҙ һөнәрен намыҫлы башҡарып килә. Һөнәри байрамыбыҙ алдынан хеҙмәттәштәремде ҡотлап, ауыр хеҙмәтебеҙҙә түҙемлек һәм сәләмәтлек теләйем, - ти Рәмзиә Сәмерхан ҡыҙы. Ир-егеттәр менән бер рәттән асфальт һалып йөрөгән Зифа Байгилдина янында ла туҡталмай булдыра алманым. Ишембайҙа юлсыларға һәйкәл ҡуйырға тиһәләр, күптәр уны Зифа апай һынында күрер ине. Һөнәренә 40 йылдан ашыу ғүмерен биргән, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған эшсәне, хеҙмәт ветераны үҙ эшен яратыуы хаҡында һөйләп үтте. - Беҙҙең өсөн айырыуса көсөргәнешле осор - ҡышҡы айҙар, бурандар һәм көслө ҡар яуған ваҡыт. Өйҙә минең иртән иртүк сығып китеүемә һәм ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтыуыма өйрәнгәндәр, аңлап торалар, - ти бригадир Зифа Ғәлиулла ҡыҙы. – Иң мөһиме техника көйлө эшләп торһон, коллективта татыулыҡ, кәйеф булһын. Йәйен-ҡышын, теләһә ниндәй һауа шарттарында ла ауылҡалалар араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнеш юлсыларҙың тырышлығынан тора. Юл эшсәндәренең көндәлек хеҙмәте – беҙҙең уңайлыҡ, хәүефһеҙлек өсөн ул. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Учалы район Советы ҡарары менән иғлан ителән “Иң матур ауыл” муниципаль конкурсында Ғәлиәхмәр ҡатнашыу күңелдәребеҙҙе елкендереп ебәрҙе. Татыу, эшсән, берҙәм һәм дәррәү кешеләр йәшәй был тарафта. Ғәлиәхмәр ауылы Күбәләк-Тиләү ырыуы биләмәләренең уртаһында, Миндәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Төн яғында - Ҡыштау урыны, төньяҡ-көнсығышта – Ишекалдытау, Өйҙөҡараташ, көнсығышта – Йомағол ҡораһы, Ташморон, көньяҡта - Остотау, Ҡушҡарағас, Имеләй түбәләре. Ишимбай, Йомроһаҙ шишмәләре генә ни тора! Әйткәндәй, Белорет йүнәлешендә ауылдан бер саҡрымдай арала юл ситендә ҡуш ҡарағас үҫә торғайны. 1977 йыл асфальт юл һалғанда, ололарҙың үтенсестәренә ҡарамайынса был ҡомартҡы киҫеп ташланды, әммә исеме һаман ҡалған. Ғөмүмән, ер-һау атамалары беҙҙең яҡта ҡәҙерләп һаҡлана. 1795 йыл ревизияһы мәғлүмәттәре буйынса Ғәлиәхмәрҙә 17 йортта 96 кеше йәшәгән була, 1834 йылда – 60 йортта 279 кеше. 1842 йыл 1 296 бот (яҡынса 21 тонна) иген йыйып алғандар. 1866 йылда 62 йортта 379 кеше көн күрә. Борон олатайҙарыбыҙ барымта-ҡарымталарҙа, ҡалмыҡ яуҙарын ҡағыуҙа, 1736-1740 йылдарҙа Ҡараһаҡал яуында, 1812 йыл Беренсе Ватан һуғышында әүҙем ҡатнашҡандар. Тимәк, Ғәлиәхмәр 18 быуаттың башында уҡ барлыҡҡа килгән тип ҡурҡмайынса әйтергә мөмкин. Ревизияларға тиклем ауыл утар рәүешендә йәшәгән. Ҡыштау буйында ҡышлағандар, Яҙҙау билендә яҙғы ташҡын һыуы тартылғансы көткәндәр. Шунан Һылыуташҡа йәйләүгә күсер булғандар (1921 йылға тиклем). Ата-бабаларыбыҙ йылға буйында бесән сабалар, һәр береһенең үҙенең кисеүе булған - Ниғәмәт, Кирам, Хәсән, Сафиулла, Әхмәт, Тайфур, Хәҙис, Хәлфетдин, Азамат, Ғабит, Сабирйән һәм Самат кисеүҙәре әле лә билдәле. Ҡарат кисеүендә малдың саңдауы ( күләгәлә малдың көндөҙ ял иткән урыны ) була. Тарихыбыҙға күҙ һалһаң, уҡымышлы, дини кешеләр күп булған. Әйүп, Мәғәфүр, Сәғәҙәт, Талип, Ғилаж, Әхмәтхан, Хәҙис, Хәсән, Мөхәмәткилде, Самат, Тайфур, Рамаҙан, Әлтәф, Фәтих, Хәлфетдин,Ҡаһир, Заһир, Ғибәҙәт, Мәүзифа, Сәлимә, Мөхтәримә һәм башҡа күп аҡһаҡал-ағинәйҙәрҙе һаман хөрмәт менән иҫләйбеҙ, изге Ҡөрьәнде уҡығандар, ғәрәп телен яҡшы белгәндәр, әхлаҡ яғынан өлгө булғандар. 1917 йылға тиклем ауылда мәсет була ( хәҙерге көндә – клуб). Ир-ат мәсеттә, ҡыҙ-ҡырҡын Мәғәфүр олатайҙарҙың өйөндәурындыҡ таҡталарын алып уҡығандар. Ауыл ҙур булғас, элек ике зыяраты, ике тирмәне булған. Әхмәтхан олатай Тирәк кисеүендә, Хәҙис олатай Ҡыштау янында һыу тирмәндәре тотҡандар. Рамаҙан, Әхмәтхан, Хафиз олатайҙар Троицк ҡалаһында, Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһендә белем алғандар, аҙаҡ ҡалғандар менән уртаҡлашалар. Беренсе донъя һуғышында Шөғәйеп Абдрәхимов, Фәррәх Ишбаев ҡаты яраланып ҡайталар. Граждандар һуғышында Рамаҙан Әйүпов – пулеметсы, Мостафа Байсарин Муса Мортазиндың адъютанты, ә Фәтих Лоҡманов уның яҡын дуҫы, кәңәшсеһе була. Һуңынан репрессияға эләгәләр: Фәтих олатай үлем язаһына хөкөм ителә (әйткәндәй, ул “Ҡыҙыл байраҡ” колхозының беренсе рәйесе), Мостафа бабай 15 йылға иркенән мәхрүм ителә. Шул уҡ дәүерҙәрәк Әлтәф Лоҡманов, Хөснөтдин Талипов, Шөғәйеп Абдрәхимов, Сәғәҙәт Нурмөхәмәтов Троицк ҡалаһына, ветеринар курстарына ебәреләләр. Һуңынан да балалары, ейәндәре уларҙың мал дауалау һөнәрен дауам иттеләр - Вәлит, Нәжип бабайҙар, Нуретдин, Марс, Сәхиәр ағайҙар. Ә Фитрат Хәтипов ошо яҡтарҙа беренсе булып Белорет ҡалаһынан “Фордзон” тракторын ҡыуып алып килә. Ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан Һуғышына 69 яугир юллана, ни бары 23 яҡташыбыҙ әйләнеп ҡайтыу бәхетенә ирешә. Мәҫәлән, Фәттәховтар ғаиләһенән 4 кеше китә, береһе лә әйләнеп ҡайтмай.... Хөснөтдин Талипов менән Мөхәмәтғәли Юлмөхәмәтов данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһында һуғышалар, Фитрат Хатипов – 63-сө кавдивизияла, батырҙарса һәләк булалар. Ғафран Ғәлин һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән наградлана. Һуғыштан тере ҡайтҡан яугирҙәр матур тормош ҡороп, яуҙа алған яраларына һис тә зарланмай эшләп, лайыҡлы балалар үҫтерҙеләр. Хәҙерге көндә мәрхүмдәр инде, йәндәре йәннәттә булһын! Ауылым ҙур булмаһа ла, фиҙаҡәр хеҙмәт, бурысына тоғролоҡ, аң-белем менән танылған кешеләрҙе күп үҫтерә. Кинәт иҫкә килгәндәрен генә иҫәпләп китәйек (кемдәрҙер яңылыштан тороп ҡалһа, зинһар, ғәфү итһендәр). Табиптар: Рәүеф Лоҡманов (БР атҡаҙанған табибы), Рима Нурмөхәмәтова, Фәрмүт Мөхәмәткилдин, Әхмәт Мөхәррәмов. Ветеринарҙар: Вәлит Лоҡманов (БР атҡаҙанған ветеринары), Нуретдин Талипов. Уҡытыусылар: Фуат Лоҡманов, Идеал Лоҡманова, Сәкинә Лоҡманова, Лидиә Лоҡманова, Рәшиҙә Ғәлина, Фирҙәүес Нурмөхәмәтова, Морат Лоҡманов, Резеда Дауытова, Нәҡип Әйүпов, Клара Заһирова, Рәзилә Мәғәфүрова, Мәрйәм Ғибәҙуллина, Әмир Нурмөхәмәтов. Таусылар: Фәрит Лоҡманов (БР атҡаҙанған таусыһы, Сибай руднигының баш инженеры), Миҙәхәт Ғәлин (БР атҡаҙанған таусыһы, СССР-ҙың почетлы шахтеры), Тәлғәт Ғәлин (Миндәк шахтаһы начальнигы), Әбрәр Нурмөхәмәтов, Рәис Вилданов. Ҡушып иҫәпләп ҡараһаң, Ғәлиндар династияһының ер аҫты стажы 150 йылға яҡын! Хоҡуҡ белгестәре: Фәсхетдин Мөхәмәткилдин (БР атҡаҙанған юрисы, Учалы район судын етәкләне), Рәшит Хатипов. Урмансылар: Дим Һиҙиәтов (Төмән өлкәһендә эшләй), Салауат Лоҡманов ( Учалы урман хужалығын да етәкләне, әле лә етәксе вазифаларҙы биләй), Сәлих Нурмөхәмәтов. Инженерҙар: Айрат Лоҡманов, Азат Зиннуров. Төрлө вазифаларҙа етәкселек эше башҡарып абруй ҡаҙанған Танһыҡбай Ниғмәтуллин; Роза Нурмөхәмәтова – иҡтисад белгесе, Тимур Лоҡманов менеджер булараҡ танылһа, данлыҡлы композиторыбыҙ Салауат Низаметдиновты белмәгән кеше юҡтыр! Бер һүҙ менән, әлеге төҙөк тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, тарихы, улдары һәм ҡыҙҙары менән дә матур Ғәлиәхмәр ауылы! Нөҡип Әйүпов, Озерный ауылы Мөхәрририәттән: һуңынан мәҡәлә авторынан ишеттек - хатта, яртаҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың тамырҙары ла был ауылдан икән! Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Һаулыҡ поезы 19 һәм 20 октябрҙә – Аксен ауылында, 21 һәм 22 октябрҙә –Шафран ауылында, 23 октябрҙә Түбән Әүрездә эшләйәсәк. Август айында республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә һаулыҡ поездары үҙ эшен яңынан башланы. Әлшәй районында акция 19-23 октябрҙә уҙа. Һаулыҡ поезы 19 һәм 20 октябрҙә – Аксен ауылында, 21 һәм 22 октябрҙә –Шафран ауылында, 23 октябрҙә Түбән Әүрездә эшләйәсәк. Район дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ауылдар халҡы табип-белгестәрҙән консультация ала, медицина тикшереүе үтә, киҙеүгә ҡаршы прививка яһата һәм беренсел медицина ярҙамы ала аласаҡ. Акцияла күсмә модулле үҙәктәр: Һаулыҡ үҙәге, флюорограф, маммограф, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһының күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡатнаша. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Байымбәт халҡы һайлау участкаһына әүҙем килә. Иртәнге 9 булыуға ҡарамаҫтан, 20 кеше һайлап та өлгөргән. Байымбәт халҡы һайлау участкаһына әүҙем килә. Иртәнге 9 булыуға ҡарамаҫтан, 20 кеше һайлап та өлгөргән. Һайлауға иртә менән килгән Байтимер Динислам улы Муллағоловҡа 87 йәш. Ошо йәшкә етеп бер һайлауҙан да ҡалғаным юҡ, башҡа ауылдаштарымды ла оҙаҡҡа һуҙмай гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырам, ти ауылдың иң өлкән кешеһе. #выборыглавыреспубликибашкортостан Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Алкоголде ваҡлап һатыуҙы көйләгән закон һығылмалыраҡ була бара, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Констатин Толкачев. Әлегә тиклем беҙҙә киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатылмай ине. 1 июлдән федераль кимәлдә билдәләнгән сикләү генә ғәмәлдә була: төнгө 11-ҙән иртәнге 8-гә ҡәҙәр. Ләкин кәрәк булған осраҡта Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты режимға төҙәтмәләр индерә һәм урындағы сикләүҙәр билдәләй ала. Был закон ведомствоға тейешле вәкәләттәр бирҙе. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына тыйыуҙар, элекке кеүек үк, ҡағылмай; Константин Толкачев һүҙҙәренсә, парламент элеккесә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу өлкәһен көйләүҙә ҡатнаша. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, "Мәғариф" милли проектының "Заман мәктәбе" федераль проекты сиктәрендә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем алыуға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төбәк проектын ғәмәлгә ашыра. Ошо йәһәттән "Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем алыуҙа ярҙам" сараһы быйыл 12 коррекция белем биреү ойошмаһының инфраструктураһын яңыртыуға булышлыҡ итәсәк. Сығымдарҙы үҙләштәргәндә сығарылыш уҡыусылары артабан уҡыуҙарын дауам итә һәм эшкә урынлаша алһын өсөн һәр учреждениеның үҙенсәлектәрен, уҡыусыларҙың контингентын иҫәпкә алып, хеҙмәт оҫтаханаларын һәм "Технология" өлкәһендәге предмет кабинеттарын йыһазландырыуға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ сара барышында психология-педагогика кабинеты, дефектолог, логопед һәм башҡа һауыҡтырыуға, белем биреүгә йүнәлтелгән кабинеттар яңыртыласаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға уңайлыҡтар тыуҙырылған 12 мәктәп тә белем көнөнә асыласаҡ. Автор: Рәмилә МУСИНА. https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/milli-proekt-r-bala-a-sharttar-tyu-yryla/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Был хаҡта “Orion Span” компанияһы хәбәр итә. АҠШ ойошмаһы Ер орбитаһына махсус модуль ебәреп, уны туристар өсөн йыһазландырырға планлаштыра. “Aurora Station” (“Аврора станцияһы”) тип аталған ҡунаҡханала дүрт кеше йәшәй аласаҡ, уларҙы ике экипаж ағзаһы оҙатып йөрөйәсәк. Йыһанда 12 көнлөк ял сама менән 9,5 миллион долларға төшәсәк. Был суммаға өс айлыҡ осоу күнекмәләре хаҡы ла ингән. Ер йөҙөндә коронавирус кеүек сирҙәр ҡоторһа, байҙар йыһанға ҡасып, ошондай космос отелдәрендә йәшәй башламаҫ тимә. Әйткәндәй, тәүге брондәр ике йыл элек үк алына башлаған. Фото Интернеттан. yeshlek.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республиканың һыу ятҡылыҡтарында һалҡын осорҙа кислород етешмәгәнлектән тиҫтәләрсә мең балыҡ үлә. Уларҙы ҡотҡарыу өсөн ирекмәндәр урындағы идара органдары менән берлектә һыу ятҡылыҡтарында аэрация үткәрә. Ауырғазы районында «Мәкеләр уябыҙ – балыҡ ҡотҡарабыҙ» тигән экологик акция үтте. Бында һыуҙы кислород менән байытыу өсөн 180 мәке уйғандар. Акцияла БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы советнигы Миҙхәт Хәсәнов, район хакимиәте һәм урындағы йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашҡан. - Ҡышын ҡалын боҙ ҡатламы аҫтында балыҡтар тонсоға башлай. Бөтә тереклек үлә. Һыуға һауа үтеп инһен өсөн беҙ балыҡсылар бырауы менән һыу ятҡылыҡтарында мәкеләр уйҙыҡ. Бындай ҡышҡы һауа ванналары – балыҡтарға оло бүләк, - тине М. Хәсәнов. Фото интернеттан алынды. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Элина Ғатауллина белдереүенсә, тормошҡа ашырыу өсөн субсидия бирергә планлаштырылған башланғыстар төрҙәре исемлеген киңәйтергә уйлайҙар. Мәҫәлән, өлкән быуын кешеләре өсөн экскурсия-белем алыу турҙарын ойоштороусыларға ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ аналитик тикшеренеүҙәр, дизайн булдырыу, урынлаштырыу схемалары, интеграция ҡағиҙәләре, технологик ҡарарҙар, эскиздар, макеттар, етештереү, монтажлау һәм эшләү, туристик навигация системаһын тормошҡа ашырыу сараларына ла субсидиялар бирелер тип күҙаллана. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында төбәктә туризм тармағын үҫтереү эшмәкәрлеген алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеү саралары тураһында һөйләштеләр. Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Элина Ғатауллина белдереүенсә, тормошҡа ашырыу өсөн субсидия бирергә планлаштырылған башланғыстар төрҙәре исемлеген киңәйтергә уйлайҙар. Мәҫәлән, өлкән быуын кешеләре өсөн экскурсия-белем алыу турҙарын ойоштороусыларға ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ аналитик тикшеренеүҙәр, дизайн булдырыу, урынлаштырыу схемалары, интеграция ҡағиҙәләре, технологик ҡарарҙар, эскиздар, макеттар, етештереү, монтажлау һәм эшләү, туристик навигация системаһын тормошҡа ашырыу сараларына ла субсидиялар бирелер тип күҙаллана. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров туристик навигация билдәләрен ҡуйыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. "2020 йылда 37 муниципалитетта 685 туристик навигацияның юл билдәһе ҡуйылды, улар 877 йүнәлеште күрһәтә", – тине Элина Ғатауллина.
Башлы һуғандан йыл да мул уңыш алып булмай. Орлоҡтоң да сифаты үҙенекен итә, йылдың нисек килеүе лә үҙ йоғонтоһон яһай, йә орлоҡҡа китә. Һәйбәт һәм мул уңыш алыр өсөн ни эшләргә?Уны көҙҙән ултыртырға кәрәк икән. Һуғанды ултыртыу серҙәре менән Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге белгесе Мәнәүәрә Хисаметдинова уртаҡлаша. Башлы һуғандан йыл да мул уңыш алып булмай. Орлоҡтоң да сифаты үҙенекен итә, йылдың нисек килеүе лә үҙ йоғонтоһон яһай, йә орлоҡҡа китә. Һәйбәт һәм мул уңыш алыр өсөн ни эшләргә? Уны көҙҙән ултыртырға кәрәк икән. Һуғанды ултыртыу серҙәре менән Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге белгесе Мәнәүәрә Хисаметдинова уртаҡлаша. - Был осорҙа һуғандың орлоғо ла әллә ни ҡыйбат булмай. Яҙғы хаҡтар менән сағыштырғанда ике тапҡыр осһоҙораҡҡа төшә. Көҙөн ултыртылған һуған орлоҡҡа китмәй, айырыуса бәләкәй генәһен ултыртҡан осраҡта. Уңышты ла бик иртә йыйып алаһың – июнь-июль айҙарында түтәлдәр бушай. Был урынға иртә өлгөрә торған үҫемлектәрҙе: шалҡан, редис, картуф, борсаҡ һәм башҡаһын ултыртырға була. Һуғанды ултыртҡанда, түтәлде дөрөҫ һайларға кәрәк. Ул ҡояшлы һәм һәйбәт елләп торған ер булырға тейеш. Яҙын һуғанды марганцовка иретмәһендә тотоп алырға кәңәш итәләр. Көҙөн ултыртҡан һуғанға был сара килешмәй: ул иртә шытымдар биреүгә этәргес булыуы ихтимал. Һуған баштарын 5 сантиметр тәрәнлеккә төртөп сығабыҙ. Улар өҫтәрәк булһа, ҡырау һуғыуы йә һыуыҡ тейеүе ихтимал. Ултыртҡан һуғанығыҙға һыуыҡ тейер тип ҡурҡһағыҙ, уны ылыҫлы ағас ботаҡтары, һалам, торф менән ябырға була. Тик япманы ҡар ирей башлау менән алырға кәрәк, - ти Мәнәүәрә Сөләймән ҡыҙы. Ысынлап та, көҙ ултыртылған һуған эрерәк тә, һутлыраҡ та була. Һуғандың уңышын арттырыу өсөн махсус һуған һәм һарымһаҡ өсөн ҡулланыла торған ашламалар ҙа һатыла. Лилиә НУРЕТДИНОВА, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, карантин шарттарында эшләгән социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, карантин шарттарында эшләгән социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ. "Медиктар өсөн өҫтәмә республика түләүҙәре хаҡында ҡарар ҡабул иттек. Хәҙер иһә ололар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернаттарҙағы хәлде күҙәтеү фарыз. Минеңсә, кеше ауыр шарттарҙа үҙен хәүеф аҫтына ҡуйып эшләүен дауам итә икән, бының өсөн өҫтәмә түләү булырға тейеш", - тип билдәләне республика етәксеһе һәм был хәлде беренсе вице-премьер Андрей Назаровҡа асыҡларға ҡушты. Ошо уҡ сарала Радий Хәбиров 20 апрелдән социаль учреждениеларҙы карантинға ябырға ҡарар иткәнен белдерҙе. Кисәнән был режимға Өфөләге “Именлек” интернаты, Октябрьский ҡалаһы йорт-интернаты, Иглин районындағы Күҙәй һәм Дүртөйлө районындағы Иҫке Байыш интернаттары күсте. Башҡаларға иһә карантинға ябылыу алдынан көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү өсөн тағы өс көн барлығын билдәләне республика етәксеһе. Дәүләткә ҡарамаған социаль учреждениеларға килгәндә, улар күҙәтеүсе органдарҙың иғтибар үҙәгендә буласаҡ, эшмәкәрлегендә тайпылыштар булһа, шунда уҡ ябыласаҡ. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 11 апрелдә коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығы асыҡланғас, Нефтекама психоневрология интернаты ябылғайны. "Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: yandex.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
«Атайсал» — республикала үткән йылдың 1 мартынан тормошҡа ашырыла башлаған проект. Ул тыуған ерҙәрендә төрлө хәйриә эше алып барыусыларҙы берләштерә. Ошо проект сиктәрендә Ауырғазы районында ла төрлө эштәр башҡарыла. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек. Күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына ярҙам итәләр «Атайсал» проекты ярҙамында көҙ көнө Нуғаҙаҡ ауылында мәктәп янында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға бағышлап мемориал асылды. Был башланғыстың бағыусыһы «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы директоры Василий Федоров Ул ауылдаштарына ярҙамдары өсөн, шулай уҡ был идеяны тормошҡа ашырыусы Өфө архитекторы Хәлит Ғәлиуллинға рәхмәтле. Һалдат скульптураһы янында ошо ауылдан Ватанды һаҡларға китеп, әйләнеп ҡайта алмаусыларҙың исемдәре яҙылған. «Һәйкәлде асыу – беҙҙең районыбыҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Беҙ быуындар бәйләнешен тергеҙәбеҙ. Был һуғышта һәләк булыусыларҙың хәтерен һаҡлау ғына түгел, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм намыҫ өлгөһө», - тине Арыҫлан Нәзир улы һәйкәлде асыу тантанаһында. Икенсе яҡташыбыҙ Миҙхәт Хәсәновтың исеме киң билдәле. Кешәнле ауылында тыуып үҫкән Миҙхәт Рауил улы күптән районға ярҙамын күрһәтеп тора. Ул Ауырғазы районындағы быуаларҙы таҙартыу, уларға балыҡ ебәреү, кедр ағасын ултыртыу буйынса проект тәҡдим итте. Бының өсөн ул 200 мең һум тотонасағын белдерҙе. Шулай уҡ Мостафа ауылында тыуып үҫеп, әле Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләүсе Ирек Сәғитов ауылдаштары менән осрашыуҙа уларға 214 автоматик янғын тураһында киҫәтеүсе приборҙар бүләк итте. Яҡташтары бындай ярҙамдары өсөн барыһына ла рәхмәтле. Улар өлгөһөндә тағы ла бихисап эштәр башҡарылып тора. – Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр уларҙың һәр береһе өҫтәмә рәүештә тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто күпкә яҡшыртасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Күп эшҡыуарҙарҙың, бай кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеп торғанын беләм, тик беҙ был эште системалаштырырға теләйбеҙ. “Атайсал” проекты ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Был бер нисек тә дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Был - күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға тырышыу ғына. Автор:Равиля Бардыбаева Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән “Ауыл старосталары тураһында“ғы закон үҙ көсөнә инде. Яңы ҡанун ауыл әүҙемселәренең эшмәкәрлеген, вәкәләттәрен, тәғәйенләү тәртибен һәм халыҡ, урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү юлдарын билдәләй. Дәүләт вазифаһын, дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаһын, муниципаль вазифа йәки муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән кеше староста була алмай. Уның вәкәләт ваҡыты ике йылдан кәм һәм биш йылдан күп булмаҫҡа тейеш. – Ауыл старосталары институты тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Беҙ уларға урындағы идара итеү органдары ярҙамсылары тип ҡарайбыҙ. Ауыл кешеләре араһында әүҙем, урындағы йәмәғәтселек тормошо өсөн иңенә яуаплылыҡ алырға әҙер торған кешеләр бар. Был йәһәттән элек вәкәләттәр аныҡ билдәләнмәгән ине. Ауыл старостаһы статусы был проблеманы хәл итә, – тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм ауыл старосталары институтының халыҡҡа бик яҡын булыуын билдәләне. Киләсәктә старосталарҙы уҡытыу, иң яҡшыһын билдәләү һәм дәртләндереү йәһәтенән район һәм төбәк кимәлдәрендәге конкурстар үткәреү планлаштырыла. Старосталар граждандар сходы тәҡдиме менән тәғәйенләнә. Документта шулай уҡ ауыл старостаһы булырға теләгән кешеләргә талаптар, старосталарҙың вәкәләттәре яҙылған. https://bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республика башлығы ҡарары менән Башҡортостанда һөт кухнялары ҡайтанан асыла#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан Сибай ҡалаһында һөт таратыу пункты асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн бында һөт фабрикаһы — һөт етештереү кухняһы асылды. Бында хәҙер тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү күҙаллана, йәғни һөт, ҡатыҡ, йогурт сығара башлаясаҡтар. Йылына ул 1,5 миллион порция етештереү ҡеүәтенә эйә фабрика. Өр-яңынан төҙөлгән бинаға заманса ҡорамалдар ҡуйылған, бында 25 эш урыны булдырылған. Бығаса ҡалаға һөт ризыҡтарын Белореттан ташығандар. Был эштәр Ил Президенты Владимир Путиндың май Указына ярашлы, “Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы сәләмәт туҡланыуға һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға йәлеп итеү системаһын формалаштырыу” төбәк проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Өфөлә «Digital Ҡоролтайҙа» конференцияһында цифрлы революция тураһында фекер алышыу бара. Башҡортостандың баш ҡалаһына цифрлы медиа лидерҙары һәм илдә мәғлүмәт исемлеген билдәләгән кешеләр килде. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ла аудитория алдында сығыш яһаны һәм көндәлек тормошта интернеттың роле хаҡында фекере менән уртаҡлашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул социаль селтәрҙәргә бик күп файҙалы ҡоралдарҙың береһе тип ҡарай. Мәҫәлән, властар Өфөлә йәшәүселәрҙең ял көндәре алдынан аэропорт юлының ябылыуына, шул сәбәпле ҙур тығын барлыҡҡа килеүенә ризаһыҙлыҡ белдереүен ишетте һәм ремонт эштәре графигына төҙәтмәләр индерелде. «Дәүләттең социаль селтәрҙәр һәм уларҙа маҡсат булдырыусылар йөҙөндә партнёры барлыҡҡа килде, — тине Радий Хәбиров. — Унда ғәмәлдәребеҙҙең дөрөҫлөгө һәм дөрөҫ булмауы сағыла». Республика етәксеһе иҫәпләүенсә, хәҙер маҡсат интернетта формалаштырыла, ә гәзиттәр үҙ позицияларын юғалта. Шул уҡ ваҡытта дәүләт интернетта төп маҡсат булдырыусы булып ҡала, тип ышана Радий Хәбиров һәм бында кимәл буйынса тиң уйынсы юҡ. MediaMetrics компанияһына нигеҙ һалыусы Герман Клименко ла уны хупланы, уның әйтеүенсә, интернетта профессионалдар ваҡыты башлана. Бынан тыш, һәләтле блогерҙар йыш ҡына дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә башлай, сөнки иң ҙур мөмкинлектәр – тап дәүләт структураларында, шул иҫәптән финанс яҡтан да. Дәүләттең бурысы – бер нимәгә ҡарамаҫтан, үҙ функцияһын үтәү. Радий Хәбиров интернетта үҙ фекерен белдереүселәрҙе лә хупланы. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡының 18% бөтөнләй интернетҡа инмәй, 62% көн һайын селтәрҙән файҙалана. Иң әүҙем ҡулланыусылар 24 йәшкә тиклемгеләр — 84%, 30-45 йәшлектәр — 35%. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Яңы йыл алдынан ҡала парктарында, ауыл мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары алдындағы майҙансыҡтарҙа тормош йәнләнә – байрам шыршыһы ҡуйыу менән уның янына һырғалаҡ, тау шыуыу өсөн урындар ҙа эшләнә башланы. Яңы йыл алдынан ҡала парктарында, ауыл мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары алдындағы майҙансыҡтарҙа тормош йәнләнә – байрам шыршыһы ҡуйыу менән уның янына һырғалаҡ, тау шыуыу өсөн урындар ҙа эшләнә башланы. Ҡышҡыһын рәхәтләнеп боҙҙа ла шыумағас, тип тә әйтерһегеҙ. Әммә травматологтар балаларҙың иң күп йәрәхәт алған осраҡтары ошо мәлгә тура килеүен билдәләй. Тауҙарҙан шыуғанда уларҙың берәүһенә ҙур тиҙлек менән икенсеһе килеп бәрелә, йә улар йығылып умыртҡа һөйәген, аяҡ-ҡулын һындырған. Ҡайһы бер ата-әсәләр хәүефле булыуҙы уйлап та бирмәй ҙур боҙ тауҙарынан өлкән балалар менән бәләкәйҙәрҙе лә шыуҙырырға ҡурҡмай. Текә тауҙарҙан тюбингтарҙа ла шыуыу хәүефле икәнен хәтерҙән сығармайыҡ. Балалар һаулығына хәүеф менән янаған һырғалаҡтарҙан шыумағыҙ. Яҡындарыбыҙҙы хәүефкә дусар итмәйек. Һаҡланғанды ғына Хоҙай һаҡлар. Фото: интернет. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Республика перинаталь үҙәге территорияһында эшләп килгән вертолет майҙансығына өҫтәмә рәүештә Башҡортостанда 2020 йылда санитар авиация өсөн тағы ла һигеҙ вертолет майҙансығы булдырыла. Улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы барлыҡҡа киләсәк. Яңы майҙансыҡтарҙы Нефтекама, Асҡын, Баймаҡ (Сибай), Стәрлетамаҡ, Белорет, Өфө ҡалаларында, Мәсәғүт ҡасабаһында асыу күҙаллана. Был хаҡта БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Ул республикалағы демография хәле 10 айҙа үлем осраҡтарының кәмеүе менән характерланыуын билдәләп үтте. Башкортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, күрһәткес 12 процентҡа кәмегән. Ошо айҡанлы, 2019 йылда дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе финанслау 28 проценттан артҡан. Был маҡсатҡа бюджеттан 390 млн һум аҡса бүленгән. Медицинаға эшкә яңы кадрҙар килгән, табиптар һәм фельдшерҙар һаны 453-кә артҡан. Республика райондарында балалар поликлиникалары асылды, республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөлә. Беҙҙең районда балалар поликлиникаһы өсөн яңы бинала ремонт бара, ул берҙәм дауахана ҡаласығында урынлашасаҡ. 2019 йылдың декабрендә дәүләкәндәр күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты алды, ул район ауылдары халҡын ҡабул итә башланы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Дыуан районы хакимиәтенең ултырыштар залында “Йәштәр үҙәге”ндә эшләп килгән “Бергә” төбәк ойошмаһының район бүлексәһе ағзаларына ирекмән кенәгәһе тапшырылды. Дыуан районы хакимиәтенең ултырыштар залында “Йәштәр үҙәге”ндә эшләп килгән “Бергә” төбәк ойошмаһының район бүлексәһе ағзаларына ирекмән кенәгәһе тапшырылды. Район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса комитеты рәйесе А. Ширяев һәм “Йәштәр үҙәге” директоры И. Мөхйәрова ирекмәндәргә тәбрикләү һүҙҙәрен һәм йылы теләктәрен еткерҙе. Хәрәкәт активистары ирекмәндәр антын ҡабатлағандан һуң уларға шәхси кенәгәләр тапшырылды. Ирекмән кенәгәһе – ул волонтерҙарҙың йәмәғәт эшмәкәрлеген иҫбатлаусы документ, унда ирекмәндең ниндәй сараларҙа ҡатнашыуы теркәлеп бара. Был киләсәктә уҡырға ингәндә генә түгел, ә эшкә урынлашҡанда, бер йәмәғәт ойошмаһынан икенсеһенә күскәндә лә бик мөһим. Сара барышында шулай уҡ “Бергә” йәштәр хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаларына ойошма значо- гы тапшырылды. “Йәштәр үҙәге” активистары, Виталий Ивлев һәм Анна Гусева Анапа ҡалаһында урынлашҡан “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә булып ҡайтҡандан һуң тыуған тәьҫораттары менән бүлеште. Психолог Г. Шакирова үҙәктә үҫмерҙәргә һәм йәштәргә психологик ярҙам күрһәтеү кабинеты эшләп килеүе, унда һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтергә мөмкин булыуы тураһында һөйләне. Сара күмәкләп ирекмәндәр гимнын башҡарыу менән тамамланды. Л. Ғабдуллина. Дыуан районы. Фото “Йәштәр үҙәге” архивынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Нефтекама ҡалаһында 28 йәшлек егет машина урлап ҡасҡан. Бер ауырлыҡһыҙ, тиһәң дә була, сөнки хужаһы асҡысын машина салонында ҡалдырған. Һуңғараҡ полицейскийҙар ВАЗ-2115-те Карл Маркс урамында табып алған. Баҡтиһәң, бур уны шунда ташлап киткән. Видеокамералар ярҙамында урлаусының шәхесен асыҡлайҙар. Ул алдан да суд эскәмйәһендә ултырған егет булып сыҡҡан. Танышыма ғына барып киләйем тигәйнем, шуға алдым, тип аңлатҡан ул был ҡылығын. Шулай тиһә лә, машинала ятҡан сумкаға айыу майы һөрткән ул. Был осраҡ буйынса енәйәт эше асылған һәм шик аҫтындағы гражданға әлегә ситкә сығып йөрөргә ярамай тигән ҡарар сығарылған. Фото pixabay.com Автор: Миләүшә Сайтакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tanishina-barip-kil-m-tip-442327/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Президенты илдең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Ведомство етәксеһе Владимир Путинға “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу барышы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Мәғлүм булыуынса, был тармаҡ буйынса милли проектта 11 йүнәлеш бар. Дмитрий Кобылкин һүҙҙәренсә, улар биш төркөмгә бүленә: коммуналь ҡалдыҡтар, реформа, һыу, һауа, биотөрлөлөк һәм иң яҡшы уңайлы технологиялар. Ведомство етәксеһе был йүнәлештәрҙең һәр береһенә айырым туҡталып, улар буйынса алып барылған эштәргә байҡау яһаны, пландар хаҡында һөйләне. Дәүләт башлығы башланғыстарҙы хупланы, милли проекттарҙың төп маҡсаты халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу икәнен йәнә бер ҡат хәтергә төшөрөп, әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Башҡортостанда Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү сараһына килгәндәр былтырғыға ҡарағанда күберәк. Башҡортостанда Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү сараһына килгәндәр былтырғыға ҡарағанда күберәк. Граждандарҙың юғары әүҙемлеге бер нисә фактор менән аңлатыла. Тәү сиратта – тауыш биреүҙең бер аҙнаға һуҙылыуы. Бындай фекерҙе политолог Евгений Соболев белдерә. "Һәр кем үҙенә оҡшаған төҙәтмәне таба алды. Совет осорон яҡлағандар, КПРФ яҡлылар үҙҙәре өсөн тарихи хәтерҙе яҡлауҙы яҡын күрҙе. Экология өсөн көрәшкәндәргә – тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау тураһындағы төҙәтмә оҡшай. Традицион ҡиммәттәрҙе яҡлаусылар төҙәтмәләргә Аллаһтың индерелеүен, ир менән ҡатын араһындағы никахты мөһим тип һанай. Һөҙөмтәлә төҙәтмәләр төрлө ҡарашлы кешеләрҙе бергә тупланы", – тине политолог. https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Tauish-bire-g-kilg-nd-r-biltir-inan-k-ber-k-348383/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Ниһайәт, яҙ үҙ көсөнә керҙе тип әйтә алабыҙ: йылға-күлдәр боҙҙан әрселде, тирә-яҡ йәшел сиҙәм менә ҡаплана, ҡоштар йырын һуҙа. Тәбиғәт оҙайлы йоҡоһонан уяна, йәмләнә. Тәбиғәтте тағы ла йәмләндереп яҙҙың тәүге сәскәләре күренә башланы. Тик улар беҙҙе оҙаҡ ҡыуандырмаясаҡ: сәскә атыу ваҡыттары бик ҡыҫҡа – бер-нисә көндән ике аҙнаға тиклем. Ниһайәт, яҙ үҙ көсөнә керҙе тип әйтә алабыҙ: йылға-күлдәр боҙҙан әрселде, тирә-яҡ йәшел сиҙәм менә ҡаплана, ҡоштар йырын һуҙа. Тәбиғәт оҙайлы йоҡоһонан уяна, йәмләнә. Тәбиғәтте тағы ла йәмләндереп яҙҙың тәүге сәскәләре күренә башланы. Тик улар беҙҙе оҙаҡ ҡыуандырмаясаҡ: сәскә атыу ваҡыттары бик ҡыҫҡа – бер-нисә көндән ике аҙнаға тиклем. Беҙҙең районыбыҙҙа яҙ сәскәләренең бер нисә төрө үҫә: ябай сәсәтмәҫ йәки үгәй инә үләне (мать-и-мачеха обыкновенная), кәкүкбаш (медуница), һары умырзая (адонис весенний), асыҡ йоҡоүлән (прострел раскрытый), Биберштейн тюльпаны (тюльпан Биберштейна), эйелеүсән тюльпан (тюльпан поникающий), рус селүләне (рябчик русский), тығыҙ һәрҙәнә йәки яҙ йондоҙо (хохлатка плотная), ҡаҙйыуа (гусиный лук), алтай елбәгәйе (ветреница алтайская), тәүсәскә йәки кәзә һаҡалы (первоцвет) һәм башҡалар. Әлеге көндә юл буйҙарында, урман эргәләрендә алтай елбәгәйен осратырға була. Йылдағыға ҡарағанда быйыл ул һуңлаңҡырап сәскә атты. Был һоҡландырғыс, ғәжәйеп матур сәскәләр үҙҙәренә бик һаҡсыл ҡараш талап итә. Урмандар ҡырҡылыуы, бысраныуы, экологик хәлдең насарайыуы, бигерәк тә яҙ көндәрендә кешеләрҙең сәскәләрҙе күпләп йыйыуы, һатыуға сығарыуы уларҙың һанын йылдан-йыл кәметеүгә илтә. Яҙ сәскәләренең күп төрҙәре Ҡыҙыл китапҡа индерелеүе лә ошоноң тураһында һөйләй. Bash.News сайтынан хәбәр ителеүенсә, быйыл яҙ сәскәләрен өҙгән, һатҡан йәки һатып алған граждандарға штраф һалынасаҡ. Язаның күләме 2500 һумдан 5000 һумға тиклем. (http://www.shulgan-tash.ru/2018/04/oxrana-pervocvetov-delo-kazhdogo-iz-nas/ ) Яҙ сәскәләренең сағыу төҫтәре киләсәк быуыныбыҙҙы ла ҡыуандырһын, тиһәк, уларҙы һаҡлау һәр кемдең бурысына әйләнергә тейеш! Айһылыу Ноғоманова, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Өфөлә, 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында, тантаналы рәүештә хөкөм ителеүселәр өсөн казак стилендә «Хутарок» кафеһы асылды. Өфөлә, 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында, тантаналы рәүештә хөкөм ителеүселәр өсөн казак стилендә «Хутарок» кафеһы асылды. Рәсәй Федерацияһы Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ойошманың исемендә хата юҡ – белорус телендә яҙылған. Кафела төрлө ризыҡтар тәҡдим ителә һәм хаҡы ла ҡиммәт түгел. Үҙҙәрендә етештерелгән продукция файҙаланыла. Бында туҡлыҡлы борщтан, тәмле эремсек билмәненән, төрлө эслек һалып бешерелгән бөйөрөктәрҙән, салаттарҙан һәм башҡа аш-һыуҙан ауыҙ итергә мөмкин. Учреждение начальнигы Денис Даньшин ҡыҙыл таҫманы киҫеп, йола буйынса яңы бешкән икмәкте ашап ҡараны, һуңынан кафе асылыу уңайынан тәмле төшкө аш булды. «Хөкөм ителеүселәр кафеға графикта билдәләнгән ваҡытта килергә, үҙ иҫәбенә тәҡдим ителгән продукцияны һатып алырға, шулай уҡ тыуған көндәрен билдәләргә мөмкин», — тип белдерҙеләр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында. http://www.bashinform.ru/news/1452393-v-ufe-dlya-osuzhdennykh-otkrylos-kafe-v-kazachem-stile/ Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Өфөлә тағы бер ир яҡты донъя менән хушлашты, ул коронавирус ҡорбандарының күңелһеҙ исемлеген тулыландырҙы. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, уға 52 генә йәш булған, аорта атеросклерозы, гипертония, паренхиматоз органдарҙың дистрофияһы ауырыуҙарынан яфаланған. 2020 йылдың 1 декабренә Башҡортостанда коронавирус инфекциялы 14 406 кеше асыҡланған. Тәүлек эсендә, рәсми статистика буйынса, 142 сирле өҫтәлгән. Стационарҙа 542 пациент дауалана. Ауыр хәлдәге ауырыуҙар һаны арта, улар 40-ҡа еткән,14-е – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. 1 772 сирле өй шарттарында дауалана. Бер тәүлектә — 87, йәмғеһе 12 009 кеше һауығып сыҡҡан. Дауахананан тыш пневмония осраҡтары һаны ла юғары, тәүлек эсендә тағы 406 сирле асыҡланған. Пневмониянан дауаланып сыҡҡан пациенттар — 412. Республикала бөтәһе 1 708 692 тикшереү үткәрелгән, 1 654 005 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә генә – 10 549 тикшереү, 10 310 кеше тикшерелгән. https://www.bashinform.ru/news/1528758-83-y-zhertvoy-koronavirusa-v-bashkirii-stal-52-letniy-ufimets/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Тура бәйләнештә Максим Капралов “Башҡортостандың тауҙарын һәм мәмерйәләрен ҡарарға йыл һайын донъяның төрлө мөйөштәренән меңәрләгән турист килә. Киләсәктә был өлкә нисек үҫешәсәк? Һеҙ үҙегеҙ автотуризм нисек ҡарайһығыҙ?” тигән һорау бирҙе. "Үҙгәрештәрҙе күрәсәкбеҙ" - Мин туризмға яҡшы ҡараштамын. Беҙ ошоға тиклем үҙебеҙҙәге ошо тармаҡ инфраструктураһын үҫтереү йәһәтенән байтаҡ эштәр алып барҙыҡ. Был бик күләмле, ҙур хеҙмәт, уның матди яғы ла, интеллектуаль яғы ла бар. Беҙ әлегә үҙебеҙҙе тейешенсә танытыу, социаль селтәрҙәрҙә эшләү йәһәтенән ниндәйҙер кимәлдә артта ҡалабыҙ. Бындай проблема бар. Беҙ эште иң ябайынан башланыҡ. Миңә республика буйлап күп йөрөргә тура килә. Бер нисә сәғәтлек оҙайлы юлда ҡайҙалыр туҡтарға ихтыяж тыуа. Ҡайһы саҡта бер сәғәт, сәғәт ярым бараһың, ә туҡтап ҡул йыуырлыҡ та урын табып булмай. Шуға күрә башлап ебәргән эштәребеҙҙең бер йүнәлеше – юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү. Киләһе бер-ике йылда был йәһәттән яҡшы үҙгәрештәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәсәкбеҙ тип ышандыра алам: яҡшы тороштағы бәҙрәфтәр, кафелар, яғыулыҡ ҡойоу урындары, кемпингтар барлыҡҡа киләсәк. Был - бөтөн бер программа, һәм уның өҫтөндә эшләйбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙә ошо йүнәлештә булдырылған шарттарҙы ишетеп, “Инвестсәғәт”кә юл буйы сервисын үҫтереүгә өлөш индерергә теләгән эшҡыуарҙар, хатта сит төбәктәр йүнселдәре мөрәжәғәт итә. Был йәһәттән үҫеш бар: кемдер ер ала, кемдер проект төҙөй, өсөнсөләр төҙөлөш эштәрен тамамлай, - тип яуапланы Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ республика биләмәһендә юл буйына ҡуйылған туристик алтаҡталар тураһында ла әйтте. - Бынан ике, ике йыл ярым элек беҙҙә бер генә туристик күрһәткес тә юҡ ине. Хәҙер улар ҡуйылды. Был бик уңайлы. Ошо күрһәткестәр үҙҙәре үк бында туризм йәһәтенән ҡыҙыҡлы урындар, тарихи объекттар барлығы хаҡында һөйләп тора. Әлегә меңдән ашыу билдә ҡуйылды, тағы күпмелер өҫтәргә кәрәк тип һанайым. Былар – башҡарылған эштәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Һуңғы ике йылда республикала туристар ағымының һиҙелерлек артыуына үрҙәге эштәр һөҙөмтәһендә өлгәшелде тип иҫбатларға йыйынмайым. Ул башҡа сәбәп менән артты. Сит илдәргә сығыу тыйылды һәм беҙгә бик күп кеше турист булараҡ килде. Бының менән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Туроператорҙарға ла, Туризм буйынса дәүләт комитетына ла ошо хаҡта даими әйтәм: кешеләр килә икән, уларҙы ҡыҙыҡһындырығыҙ. Әгәр уларға беҙҙә оҡшаһа, тимәк, яҡшы, оҡшамаһа – насар. Беҙгә килгәндәр һәр ваҡыт риза булып ҡайтып китә, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, бөгөн генә йылға буйлап кәмәлә йөҙөүҙе ойошторған туроператор менән һөйләштем. Йылға буйында сүп-сар бик күп, тине. Бының менән нимәлер эшләргә кәрәк. Әлбиттә, шунда уҡ бөтә кешене лә үҙенән һуң ял иткән урынын йыйыштырып китергә өйрәтә алмаясаҡбыҙ, әммә әкренләп эш алып барырға кәрәк. Сүп-сар йыйыуҙы ла ойоштороу мөһим. Нисек кенә булмаһын, планлы, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. “Янғантау” геопаркы юҡҡа барлыҡҡа килмәне, әлеге ваҡытта “Торатау” паркының документтарын ЮНЕСКОға әҙерләйбеҙ. Был эштәр ошо урындарға, йәғни беҙгә кешеләр килһен өсөн башҡарыла, - тип билдәләне республика Башлығы. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
15 - 19 апрелдә төбәктә 9 урман янғыны теркәлгән, 15,9 гектар майҙанда тәбиғәт зыян күргән. Урман хужалығы миинстрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Учалы районында 14 кеше һәм алты берәмек техника 3 гектар майҙандағы янғынды һүндергән. Әбйәлил районында 0,5 гектар участкала 11 кеше һәм ике махсус машина эшләгән. Был ике янғындың да сәбәбе – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро үләнде рөхсәтһеҙ үртәү, тип белдерәләр ведомствола. Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Баҡалы, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә, Мәләүез, Туймазы, Өфө һәм Учалы райондары - урманда ут сығыу ихтималлығы юғары булған муниципалитеттар. Урман яныуына шаһит булған осраҡта тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8 (347) 218-14-14 телефонына һәм урман һағының 8-800-100-94-00 һанлы тура бәйләнеш телефонына шылтыратыға кәрәк. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға, кесе һәм урта бизнесҡа Роспотребнадзор тәҡдимдәрен үтәүҙе тәьмин итеү өсөн субсидия программаһын тормошҡа ашыра башланы. Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға, кесе һәм урта бизнесҡа Роспотребнадзор тәҡдимдәрен үтәүҙе тәьмин итеү өсөн субсидия программаһын тормошҡа ашыра башланы. Был дәүләт ярҙамын 500 меңгә яҡын эшҡыуар аласаҡ. Уларҙа 1,5 миллион тирәһе кеше эшләй. Субсидияға өҫтәмә белем биреү менән шөғөлләнеүсе коммерция булмаған ойошмалар, шулай уҡ спорт, ҡунаҡхана хужалығы, йәмәғәт туҡланыуы, өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләүсе, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүсе эшҡыуарҙар иҫәп тота ала. Ул профилактика һәм дезинфекция эштәренә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға бирелә. Субсидияны алыу өсөн 15 июлдән 15 авгусҡа тиклем һалым органына ғариза яҙырға кәрәк. Ғаризала субсидия аҡсаһы күсерелергә тейеш иҫәпте күрһәтеү мөһим. Мөрәжәғәт өс эш көнөндә ҡарала. Бөтә шарттар ҙа үтәлгән икән, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте субсидияны иҫәпләй, ә Федераль ҡаҙнасылыҡ уны күсерә. Был хаҡта ентеклерәк мәғлүмәттәр менән Мойбизнес.рф (https://clck.ru/PJdhA) порталында танышырға була. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылында өр-яңы мәктәп асылды. Заманса мәғариф учреждениеһы 80 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағын һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә ала. Проекттың дөйөм хаҡы - 160 миллион һум. Яңы төҙөлгөн белем усағы юғары талаптарға яуап бирә: кәрәкле бар ҡорамалдары булған компьютер класы, лингафон кабинеты, душ бүлмәләре менән спорт залы бар. Башланғыс класс кабинеттарында интерактив таҡта урынлаштырылған. Яңы мәктәптең бер класс бүлмәһендә ауылдаштары - Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшин һәм Дағстанда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Дмитрий Силкоға арналған “геройҙар партаһы” ҡуйылған. Был урынға ултырыу хоҡуғы тик алдынғы уҡыусыларға ғына биреләсәк. Әйткәндәй, белем усағы Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшин исемен йөрөтәсәк. Илдәге киҫкен хәлгә бәйле, яңы белем биреү учреждениеһын асыу тантанаһында күп кеше йыйылмаған. Унда Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко һәм башҡалар ҡатнашҡан. “Мәктәп, ысынлап та, бик күркәм һәм матур, балаларға оҡшар тип ышанам. Белем усағында киләсәктә районыбыҙҙың ғорурлығы булыр ҡыҙҙар һәм улдар тәрбиәләнер тип уйлайым”, - тине үҙ сығышында район башлығы Зөһрә Гордиенко. Фото: "Башинформ" Автор: Карима Усманова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Республика юлдарындағы соҡор-саҡырҙар 15 июнгә хәтлем бөтөрөлөргә тейеш. Был хаҡта БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә бәйән итте. Былтыр Башҡортостанда 272 мең квадарт метр соҡор бөтөрөлә. Интерактив карта ярҙамында соҡор ремонтлауҙың күләме 2 тапҡырға артыуы, йәғни 500 мең квадрат метрҙан ашып китеүен күҙаллай ул. Күптән түгел юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар хаҡында хәбәр итеү өсөн мобиль ҡушымта әҙер булды. Хәҙер юлда күргән һәр соҡорҙо фотоға төшөрөп ебәреү өсөн смартфондарға мобиль ҡушымтаны ҡуйып алырға ғына кәрәк буласаҡ. Йылы көндәр башланыу менән райондың юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан юлдарҙа соҡор-саҡырҙарҙы ямау эштәрен башҡара башланы. Күптән түгел Өфө-Инйәр-Белорет, шулай уҡ Казанка-Михайловка, Архангел-Максим Горький автомобиль юлдары төҙөкләндерелде. Әлеге мәлдә юлсылар район үҙәгендә соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлай. Альберт Рәхимов. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Ҡаланың 1-се гимназия нигеҙендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә “Кванториум” балалар технопаркы асылды. Хәҙер йәш салауаттар алдында үҙенсәлекле белем алыу мөмкинлектәре асыла: технопаркка йөрөп уҡыусылар робототехниканы, тирә-яҡ донъя төҙөлөшөн һәм тәбиғәт күренештәрен, осоусы аппараттарҙы, системаларҙы һәм башҡа күп нәмәне өйрәнә ала. Технопарк - балалар киләсәгенә йүнәлеш Ҡаланың 1-се гимназия нигеҙендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә “Кванториум” балалар технопаркы асылды. Хәҙер йәш салауаттар алдында үҙенсәлекле белем алыу мөмкинлектәре асыла: технопаркка йөрөп уҡыусылар робототехниканы, тирә-яҡ донъя төҙөлөшөн һәм тәбиғәт күренештәрен, осоусы аппараттарҙы, системаларҙы һәм башҡа күп нәмәне өйрәнә ала. - Икенсе йыл рәттән “Кванториум”дың белем биреү ойошмаларында булдырылыуы шатлыҡлы, улар уҡытыу процесында ла, түңәрәк эшмәкәрлегендә лә ҡулланыу мөмкинлеген бирә, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова. - Башҡортостанда был яңыртылған кабинеттар, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, битараф булмаған педагогтарҙан һәм ҡыҙыҡһыныусан балаларҙан торған икенсе “Кванториум”. Тап ошондай шарттарҙа киләсәк инженерҙары һәм ғалимдары формалаша. 2024 йылда төбәктә ошондай биш технопарк булдырылыр, тип ышанабыҙ. Беҙ ҙур ҡалаларҙы, күп балалар уҡыған белем биреү ойошмаларын алдыҡ. Республика ведомствоһының министр урынбаҫары “Заманса мәктәп” федераль проекты бөтөнләй яңы мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота, унда ижад өсөн майҙансыҡтар буласаҡ. Был амбициоз маҡсатҡа - Рәсәй мәғарифының иң яҡшы биш системаһы иҫәбенә инеүгә мөмкинлек бирәсәк. - Һис һүҙһеҙ, был дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү системаһын берләштереүһеҙ мөмкин түгел, - тип билдәләй Инесса Косолапова. Технопаркта “Квантошахматтар”, “Энерджиквантум”, “Геоквантум”, “Аэроквантум”, “Наноквантум”, “Биоквантум” и “Хайтек” кеүек дисциплиналар буйынса дәрестәр алып барыла. Һәр йүнәлеш буйынса эш өсөн 500 квадрат метр майҙанлы кабинеттар әҙерләнгән, уларҙа капиталь ремон яһалған, ҡала бюджеты иҫәбенә махсус мебель, ә федераль аҡса иҫәбенә заманса юғары технологиялы ҡоҡролмалар алынған. - “Кванториум” - техник фәндәргә һәләте булған балалар шөғөлләнгән технопарк. Дәрестәр инженер фекерләүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән, был әлеге ваҡытта бигерәк тә актуаль. Мәктәп етәксеһе булараҡ, майҙансыҡтар үҫешергә теләгән балаларҙы йыйыуына шатмын, - тип бүлешә 1-се гимназия директоры Лариса Давыдова. - Әлеге ваҡытта “Кванториум”да 300-ләп гимназия уҡыусыһы шөғөлләнә. Был башланғыс этап. Киләсәктә бында тағы ла күберәк балалар йөрөр тип уйлайбыҙ. Икенсе этапта беҙ ҡаланың башҡа мәктәптәренән уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер булабыҙ. Әйткәндәй, һәр теләгән Салауат ҡалаһы уҡыусыһы “Кванториум” технопаркындағы дәрестәргә яҙыла ала, бының өсөн мәғариф идаралығына йәки 1-се гимназия администрацияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Кванториум”да шөғөлләнеү бушлай. - Минеңсә, балалар технопаркы киләәсккә йәш кадрҙар әҙерләүгә яҡшы нигеҙ булып тора. Ошо проект арҡаһында беҙ техник ижад һәм конструкторлау менән таныштыра, инженер һөнәрҙәренә һөйөү уята алырбыҙ. Технопарк - киләсәккә, беҙҙең балалар үҫешенә инвестициялар, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов. “Биоквантум” дисциплинаһының “Беҙҙең тирәләге микрофлора” оҫталыҡ дәресендә туғыҙынсы класс уҡыусылары тәжрибәле педагогтары Зинфира Халиҡова етәкселегендә шөғөлләнә. - Донъя биоллогтарының төп маҡсаттарының береһе - кеше һаулығын һаҡлау. Был лаборатория беҙгә баш мейеһенең энцефалограммаһын эшләргә, пульсты, ҡан баҫымын үлсәргә, ЭКГ төшөрөргә һәм хатта бер приборҙы алдауҙы асыҡлаусы детектор итеп файҙаланырға мөмкинлек бирә. Микроскоптар ярҙамында тупраҡты тикшерәбеҙ, коловраттарҙы (селәүсендәрҙең бер төрө) күрҙек, ер нематодтарын (микроскопик селәүсен организмдары) таптыҡ. Балалар барыһын да үҙләштерҙе, - тип һөйләй уҡыусыларҙың остазы. - Беҙ “Кванториум” асылыуына бик шат. Бөгөн ЭКГ һәм нейрологияны өйрәнәбеҙ. Был белем киләсәктә кәрәк буласаҡ, сөнки беҙ Ырымбурҙағы медицина университетына кардиохирургҡа һәм балалар онкологына уҡырға теләйбеҙ, - тип бүлешә 9 в класы уҡыусылары Аделина Маликова һәм Камилла Әмирова. - Бында күберәк яңы нимәләр хаҡында белеү өсөн килдек. “Кванториум”ға бөтәһе лә йөрөй ала. Беҙ тикшеренеү эше башҡарҙыҡ, бик оҡшаны, - тип бүлешә класташтар Эрнест Насретдинов, Кирил Кушаев һәм Александр Исаев. - Беҙҙең гимназияла “Кванториум” асылыуына бик шатмын. Бының арҡаһында мөмкинлектәр артты, бигерәк тә микроорганизмдарҙы өйрәнеү өлкәһендә. Хәҙер бында бик шәп йыһаздар бар, - ти микроскоп аша тере донъяны өйрәнеүсе 9а класы уҡыусыһы Владислав Шевченко. - Был өлкәгә ҡыҙыҡһыныу 5-се класта барлыҡҡа килде. Өйҙә микроскобым юҡ, әсәйемдең эшендә бар, ул цитолог булып эшләй. Әсәйем күп нәмәгә өйрәтте, күрһәтте һәм һөйләне, хәҙер ҙә күп кенә һорауҙарҙа ярҙам итә. Киләсәктә врач булырмын, моғайын.
31 ғинуарҙа 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткәсә Ишембай ҡалаһы, Стахановсылар урамы, 75 адресы буйынса урынлашҡан үҙәк район дауаханаһының 1-се поликлиникаһында граждандар ҡабул ителә. 31 ғинуарҙа 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткәсә Ишембай ҡалаһы, Стахановсылар урамы, 75 адресы буйынса урынлашҡан үҙәк район дауаханаһының 1-се поликлиникаһында граждандар ҡабул ителә. Унда Башҡортостан Республикаһы мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фондының Стәрлетамаҡ филиалы белгестәре мотлаҡ медицина страховкалау системаһында страховкаланғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тыуған һорауҙарҙы ҡараясаҡ. Фото: zatosarov.ru Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Һорауҙарығыҙҙы әҙерләй тороғоҙ. Владимир Путиндың Ҙур матбуғат конференцияһының көнө билдәле булды. Быйыл сара 19 декабрҙә үтәсәк. Һорауҙарығыҙҙы әҙерләй тороғоҙ. Владимир Путиндың Ҙур матбуғат конференцияһының көнө билдәле булды. Быйыл сара 19 декабрҙә үтәсәк. Йыл һайын Президент матбуғат конференцияһы ойоштороп, илдәге проблемаларҙың арыу ғына бер өлөшөн хәл итә йә белеп ҡала. Журналистарҙың аккредитацияһы башланған да инде. Заявкаларҙы Кремлдең рәсми сайтына 5 декабргәсә ебәрергә кәрәк. Беләһегеҙ, матбуғат конференцияларын Владимир Путин 2001 йылдан алып уҙғара. Быйылғыһы 15-се тапҡыр. Иң тәүге сара иң ҡыҫҡаһы ла була - 1 сәғәт тә 35 минут. Иң оҙоно иһә 2008 йылда, Путиндың Хөкүмәткә эшкә күскән сағына тура килә - 4 сәғәт 40 минут. Матбуғат конференцияһы тура эфирҙа үтә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Салауат Юлаев проспектындағы мәсетте төҙөп бөтөргә әлегә аҡса юҡ, тип яуапланы Башҡортостан Башлығы брифинг барышында яңғыраған һорауға. Салауат Юлаев проспектындағы мәсетте төҙөп бөтөргә әлегә аҡса юҡ, тип яуапланы Башҡортостан Башлығы брифинг барышында яңғыраған һорауға. «Бының өсөн күп аҡса кәрәк, халыҡ өсөн мөһим социаль объекттарға тотонорға мөмкин булған ресурстарҙы төҙөлөшкә йүнәлтмәйем. Ҡасан да булһа ул төҙөлөп бөтөр, әлбиттә», — тине Радий Хәбиров. Өфөгә нигеҙ һалыусыларға һәм баш ҡала үҫешенә өлөш индергән шәхестәргә һәйкәл ҡуйыуҙың көнүҙәклеге тураһында һорауға республика етәксеһе был тема менән ҡала властары шөғөлләнергә тейешлеген әйтте. «Мәҫәлән, генерал Шайморатов һәйкәле – шәхси проектым, шуға күрә бының менән үҙем шөғөлләнәм». https://www.bashinform.ru/bash/1542466/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Тормош һуҡмағында осраған ауырлыҡтарҙы сабыр күтәрә белгән, һәр ваҡыт кешелекле, изге йөрәкле булып ҡалған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе ул Ғүмәр ауылында йәшәүсе Миңленур Вәхитова. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, бар ғүмерен тыуған төйәге менән бәйләгән, ауылының киләсәге өсөн йән атып йәшәгән күркәм шәхес тип белә уны яҡташтары. Тормош һуҡмағында осраған ауырлыҡтарҙы сабыр күтәрә белгән, һәр ваҡыт кешелекле, изге йөрәкле булып ҡалған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе ул Ғүмәр ауылында йәшәүсе Миңленур Вәхитова. Ошо ауылда тыуып-үҫеп, бар ғүмерен тыуған төйәге менән бәйләгән, ауылының киләсәге өсөн йән атып йәшәгән күркәм шәхес тип белә уны яҡташтары. Миңленур апай менән танышҡанға тиклем уның үҙ телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит-журналдар яҙмышына битараф булмауы, яҙылыу осоронда күберәк халыҡты йәлеп итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәүе тураһында ишетеп белә инек инде. “Торатау” – район тормошоноң көҙгөһө бит. Кешегә гәзиттең мөһимлеге тураһында аңлатыу ғына кәрәк. Ә ҡайһыларына иҫтәренә төшөрөү ҙә етә. Элек мәктәп директоры булып эшләгән осоромда ауылда “Торатау” ҙы алдырып уҡымаған бер генә йорт та ҡалмағандыр ул”, - тип һөйләшеүебеҙ гәзит тураһында башланып китте. Һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫә әңгәмәсем, бөгөнгө көндә танһыҡҡа әүерелгән олатай-өләсәй тәрбиәһен дә татый. - Атайым яғынан Иркәбәй олатайым ауыл муллаһы ине. Кешегә ихлас, йылы һүҙле булды, һәр кем менән дә уртаҡ тел таба белде. Эргәһенә беҙҙе йыйып ултыртып әйткән кәңәштәре әле лә онотолмаған – “Кеше таш менән атһа, һин аш менән ат” тип әйтергә яратты. Өләсәйемдең дә тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем, үҙен гел ипле тотто. Ун литрлы еҙ самауырында һәр ваҡыт һыуы ҡайнап ултырыр ине. Кем килеп инһә лә әйҙүкләп өҫтәлгә саҡырҙы. Ишектәре төндә лә бикһеҙ булды. Әле лә иҫләйем, йәш саҡта киске уйындан ҡайтышлай, уятмаҫ өсөн аяҡ остарына ғына баҫып өләсәйемдәргә инә инек тә уның тәмлекәстәре менән сәй эсеп ҡайтып китә инек. Бала саҡта улар менән бергә сәхәргә уянған мәлдәр ҙә йыш иҫкә төшә. Минең уйлауымса балаға 4-5 йәштә үк тәрбиә нигеҙе һалына. Олатай менән өләсәй тәрбиәһе бала өсөн бик кәрәк, - ти хәтирләрен яңыртып Миңленур апай. Белемгә ынтылышлы, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ булып үҫә ул. Бәләкәйҙән гармун тарта. Һигеҙ баланың барыһы ла был музыка ҡоралында уйнаһа, Миңленурға етеүсе булмай. - 5-6 йәштә, башҡаларҙан мунсаға кереп йәшеренеп, гармунда уйнарға өйрәндем. Тәүге көйөм “Әпипә” ине. Ә 7-се класта уҡығанда ауыл клубында йәштәрҙе бейетә инем инде, -тип йылмая ул ихласлап. Алтынсы кластан һуң Өфөгә 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға бара. Бейеү түңәрәгенә бик ихлас йөрөй. География менән ҡыҙыҡһыныуы көслө булһа ла, бейеү түңәрәге етәксеһе кәңәше менән 1975 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниағартыу училищеһына юллана. Студент осоронда кейәүгә сыға. Тормош шулай ҡоролған, көтмәгән ерҙә һынауҙарын өйә. Гөрләтеп донъя көтөр саҡта йәшләй генә ире мәрхүм була. - Ул ваҡытта өлкән улым Салауатҡа өс йәш, ҡыҙым Эльвира 40 көнлөк кенә ине. Ике балам менән Стәрлетамаҡтан ауылға ҡайттым. Ауыр саҡта атай-әсәйем терәк булды. Мәктәп директоры музыка уҡытыусыһы итеп эшкә саҡырғас, ҡаршы килмәнем. Бейеү, гармун түңәрәктәрен дә ойоштороп ебәрҙем, күңелемде шулай эш менән баҫтым. Һуңғараҡ клубта художество етәксеһе эшен дә алып бара башланым. Бинаны эске яҡлап ремонтлап, матурлап ебәргәс, эшкә дәрт тә артты. Йәштәрҙе йәлеп итеп, күңелле генә эшләп алып киттек. Гастролдәргә, бер-береңә концерт менән йөрөү йолаһы көслө ине, - мөкиббән китеп эшләгән йылдарын ҙур ҡәнәғәтлек менән иҫкә алды әңгәмәсем. Йәш кенә булһа ла халыҡ ышанысын яулаған уҡытыусыға йылдар үтеү менән тағы ла яуаплыраҡ вазифалар йөкмәтелә.1982 йылда район һәм ауыл советына депутат итеп һайлана. Ул саҡтағы иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - Алмалынан Ғүмәргә таш юл һалыу өсөн бар тырышлығын һала. - Әле лә хәтерҙә, юл түшәлгәс, 1985 йылдың 9 октябрендә беҙгә беренсе тапҡыр Ишембай–Ғүмәр маршруты автобусы килде. Уны икмәк-тоҙ, концерт номерҙары менән тантаналы итеп ҡаршы алдыҡ, - ти ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән замандашым. Шулай, тырышлығыңдың һөҙөмтәһен күреү күңелде үҫтерә. Миңленур Муса ҡыҙы ауыл Советы депутаты булып ҡына ете саҡырылыш хеҙмәт итә, ике саҡырылыш район советы депутаты булып һайлана. Депутат булып эшләгән осоронда йәнә бер ҙур эш башҡарыла - район, колхоз етәкселеге менән берлектә Ғүмәр ауылына зәңгәр яғыулыҡ үтә. Мәктәп эше, йәмәғәт саралары, уның өҫтәүенә ике бәләкәй бала тип тормай, Миңленур апай ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын да тамамлай. Юғары уҡыу йортона ингән сағында бәләкәсе 11 айлыҡ ҡына була. География, биология, музыка дәрестәрен алып барырға тура килә. Ә 1993 йылдан алып 1999 йылғаса уның иңенә мәктәп директоры вазифаһы йөкмәтелә. Хаҡлы ялда ла тыуған ауылының бөгөнгөһө, матур киләсәге тураһындағы уйҙар менән йәшәй мәҡәләм геройы. Ауылдың территориаль йәмәғәт үҙидараһы хәстәре менән берлектә бер нисә йыл элек оптимизация тип ябылған мәктәптә кескәйҙәр өсөн мәктәпкәсә төркөм асыуға өлгәшкәндәр. Балалар бәләкәйҙән үҫешһен өсөн баҡсаның бик кәрәкле булыуын билдәләй тәжрибәле педагог. Ауылды мәсетле итеү сараларынан да ситтә ҡалмаған. Ауылдаштары менән күмәкләп тырышҡас, иман йорто ла ҡалҡа. “Пандемияға тиклем ураҙа ваҡытында бешеренеп килеп мәсеттә ауыҙ астыра инек. Ғәйет намаҙҙары матур итеп уҙғарылды”, - тине үҙе лә намаҙҙа булған апай. Әлбиттә, яңы сир менән тыуған ҡатмарлыҡтар - ваҡытлыса күренеш. Сир артта ҡалып, ауылдағы изге йолалар йәнә тергеҙелеренә шик юҡ. Уй-ниәттәреңде, башланғысыңды хуплап, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ныҡлы терәгең булғанда был тормоштан атлауҙары күпкә еңел. 1983 йылда Миңленур ханым Әнүр Әсҡәт улына тормошҡа сыға, хәҙер инде бергә ғүмер итеүҙәренә 38 йыл булып киткән. Бергә йорт күтәргәндәр, бергәләп балаларҙы аяҡҡа баҫтырғандар. Уртаҡ улдары Айнурҙың донъяға килеүе ғаиләне тағы ла бөтәйтеп, нығытып ебәргән. Балаларының бөтәһе лә хәҙер үҫеп таралышҡан, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Салауат - тәжрибәле водитель, Эльвира оҙаҡ йылдар дауаханала лаборант булып эшләй, Айнур ағас эше менән шөғөлләнә. Миңленур апай менән Әнүр ағай хәҙер биш ейән-ейәнсәргә өләсәй менән олатай. Егәрле ғаилә һаман да тирә-яҡты һоҡландырып донъя көтә. - Ҡатыным бөтә яҡтан да килгән. Донъя көтөүгә лә егәрле, аш-һыуға ла оҫта, йыр - моңға ла маһир, кешелекле. Артабан да иҫән-һау бергәләп ғүмер итергә яҙһын, - тине Әнүр әхитов ҡатынына йылы итеп ҡарап. Тәүге тапҡыр 5-6 йәшендә ҡулына алған баян әле лә моңло юлдашы Миңленур апайҙың, һаман да концерттарҙа уйнап, моңло йырҙары менән ауылдаштарының күңелен аса. Ололарҙы йәшлектәренә ҡайтарыусы асҡыс та ул. Беҙ барғанда ла бармаҡтары баян телдәренә тейеү менән моң ағылды, уға йөрәктәргә үтеп инерлек йыр ҡушылды: Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң? Моң ҡайҙа һуң әйт, урам.... - Институтты тамамлауым менән ҡотлап, 1985 йылда ҡәйнәм ошо баянды бүләк иткәйне, әле лә ҡулдан төшмәй. Ул саҡта магазинға бер генә баян килгәйне, миңә яҙған булған, -тип йылмая әңгәмәсем. Әйткәндәй, Миңленур апайҙың ҡәйнәһе - 82 йәшлек Райфа Ғәлимйән ҡыҙы менән дә таныштыҡ. Балаларының матур тормошонан ул да бик бәхетле: - Улым менән киленемә рәхмәт. Хөрмәт итеп, “кил” тип саҡырып ҡына торалар.Бөтәһенә ҡәнәғәтмен. Киленем яҡты йөҙлө, йылы һүҙле, ҡасан килһәм дә өҫтәлендә тәмле ризыҡ, - тине 16 йәштән фермала эшләгән, һауынсы булып ҡына 20 йыл хеҙмәт иткән инәй. Кешене хеҙмәт күтәреүенә Вәхитовтар ғаиләһе миҫалында йәнә бер инандыҡ. Миңленур Муса ҡыҙының да хеҙмәт йылдарының матур иҫтәлеге булып маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары һаҡлана. Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, Бөтә донъя башҡортттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаты, “Уйна гармун! Яңғыраһын таҡмаҡ” район фестивалендә ҡатнашып яулаған дипломы уларҙың бер нисәһе генә. - Тормош ҡыйынлыҡтарын - Аллаһы Тәғәлә биргән һынауҙарҙы түҙемлек менән үткәрергә кәрәк. Ҡайғым бар тип бөтөрөнөп ултырғандан тормош яҡшырмай. Үҙеңде эшкә әүрәтергә кәрәк. Тормошто яратһаң, йәшәүе лә күпкә еңел. Икмәк һалам икән, ҡамырын күңел һалып баҫам.Шул ваҡытта ул уңа, тәмле була. Баянды ҡулыма алһам, бөтә донъямды онотоп, рәхәтләнеп уйнайым. Етеп килгән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан барлыҡ гүзәл заттарға һаулыҡ, бәхет теләйем. Ололарға – ҡартлыҡ бәхете, йәштәргә эш, донъя бәхете насип булһын ине, - тине Миңленур апай. Изге күңелле, яҡты уйлы кешеләр менән аралашҡанда үҙең дә ыңғай тойғоларға байып ҡайтаһың һәм ул көсҡеүәт әллә күпмегә етә. Кешеләрҙе яратыуҙары, изгелекле булыуҙары бәхетле итә Вәхитовтарҙы. Автор фотоһы. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Аш-һыу бүлмәһенең тәҙрә төбөндәге өҫтәлендә һалма йәйеп тороусы Гөлзифаның осо-ҡырыйы булмаған уйҙарын ҡапҡа төбөндә бәйле торған Алабайҙың ярһып-ярһып кемгәлер абалауы бүлде. -Эй ,тағы Хөпъямал әбей үтеп баралыр инде,бигерәк шуны яратмай бит Алабай! Ҡатын үрелеп, урамға күҙ ташланы. Ысынлап та, өйҙәре эргәһенән таяҡҡа таянған, әкиәттәге убырлы ҡарсыҡ ҡиәфәтендә алға табан эйелеп,гел генә ҡара яулыҡ ябынып,оҙон ҡара камзул кейеп йөрөгән әбей үтеп бара . Тирә-яғына ауыр ҡараш ташлап,ауыҙ эсенән ниҙер мығырҙап йөрөүсе был ҡортҡаны Гөлзифаларҙың Алабайы ғына түгел,башҡа эттәр ҙә өнәп бөтмәй . Уның үтеп барыуын урамдағы эттәрҙең мәж килеп сылбырҙы бер-береһенә тапшырып, абалауынан да хатаһыҙ билдәләп була. Нишләп яратмайҙарҙыр инде?Ҡайҙан белә хайуандар? Әллә күңелдәре менән тоялармы әбейҙең ҡара эсле,эс керле әҙәм икәнен? Бәлки таяғынан шөрләйҙәрҙер... Гөлзифа ошо нигеҙгә ике тиҫтә йыл элек килен булып төшкәндә әле был ҡатын ер һиңкетеп баҫып йөрөй ине. Иртән көтөү ҡыуырға сыҡһа,берәй ҡатын менән әрепләшмәйенсә ҡайтып китмәй. Көн дә әрләшеү өсөн сәбәбен табып ҡына тора.Был урамда йәшәгән ҡатындар инде уның холҡона күнеп бөткәндәр:Хөпъямал ҡортҡа сыҡҡансы, йәһәт кенә малдарын аҫҡы урамға ҡыуып төшөрәләр ҙә,тиҙерәк өйҙәренә ашығалар. Юҡ!Ҡурҡыуҙан түгел инде. Таң менән кәйеф төшөрөп,таланып торғансы,ҡолағың тыныс. Тик ҡортҡа әрепләшергә барыбер юлын таба. Көйәнтәгә биҙрәләр элеп,йәиһә магазинға барыу ниәте менән урамға сығыуың була,йә алдыңдан,йә артыңдан ниндәйҙер бысраҡ һүҙ ырғытып ҡала. Ә инде ишетмәмешкә һалышып,үтеп китһәң,иҙән йыуған һыуын,йә мейесенән көлөн сығарып артыңдан һибә. Ҡайһы ҡатындар,асыуына сыҙай алмай, насарлыҡҡа насарлыҡ менән яуап бирһә,ундайҙарға инде көн бөтә: үткән-сүткән һайын битәр яуа өҫтөңә. Тик Гөлзифаның мәрхүм ҡәйнәһе Фәриҙә генә был ҡатынды ныҡ ҡына итеп урынына ҡуя . Ҡураныс ҡына кәүҙәле ҡәйнәһе ошо ҡара эсле ҡатынға,өнө сыҡмаҫлыҡ итеп,ҡысҡырмай ғына бер-ике һүҙ генә әйтә.Тегеһе шып туҡтай... Нисек туҡтата? Нимә әйтә? Хөпъямал йәштән үк шулай хаяһыҙ,алама холоҡло булғанмы? Был һорауҙарҙы ҡәйнәһенә бирмәй булдыра алманы Гөлзифа. Ҡәйнәһе бүлешкән хәтирәләр уны бынан бик күп йылдар барған ваҡиғалар эҙенән алып китте... *** Бер ауылда,бер урамда буй еткерә Хөпъямал менән Фәриҙә.Фәриҙә барлы-көрлө йәшәгән, бай ғаиләлә ун икенсе бала булып тыуа. Атаһына икенсе ҡатынлыҡҡа килә Фәриҙәнең әсәһе. Һигеҙ балаһын етем ҡалдырып,беренсе ҡатыны бала тапҡандан һуң өҙлөгөп,аяғына баҫа алмай, мәрхүм булып ҡалғас,Әбделнәғим ҡартҡа икенсе ҡатынлыҡҡа , ире һал ағыҙғанда һыуға батып үлгән, бер ҡыҙы менән тол ҡалған ҡатынды , Фәриҙәнең әсәһен димләйҙәр. Әсәһе: -Атайың һоратып килгәс,аяҡ өҫтө баҫып кесе ярауын атҡарып йөрөгән йәш иргә барғансы, оло булһа ла дин юлында йөрөгән кешегә сығайым,тип риза булдым да ҡуйҙым,-тип кеткелдәп көлә торғайны. Ул эйәрсән ҡыҙы менән оло ғаиләнең тупһаһын аша атлап үтә, береһенән береһе бәләкәй һигеҙ балаға әсәй булып килә,тағы уртаҡ өс бала таба. Фәриҙә шул балаларҙың иң кесеһе булып,ата-әсәһе,ағай-апайҙары һөйөүенә төрөнөп кенә үҫте. Әсәһе лә балаларҙы айырманы,барыһына бер иш ҡараны,шуға күрә бөтәһе лә “әсәй,әсәйем,”тип өҙөлөп торҙолар. Әбделнәғим ҡарт фарыз булған биш намаҙын уҡырға ла, үҙ аҡсаһына мәсет һалырға ваҡытын да ,аҡсаһын да йәлләмәне.Үҙенең шәхси хужалығын да гөрләтеп алып барҙы: яҙ етһә,иллеләп баш умартаһын ауыл халҡы Әбделнәғим умарталығы тип йөрөткән урман аҡланына күсерҙе , балаларында ла был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятты,умартасылыҡ эшенә өйрәтеп үҫтерҙе.Өйөрө менән сырҡыраған йылҡылары,бер көтөү һарығы,биш-алты баш һыйыры ,йылға ярында һыу тирмәне ,ер эшкәртергә һабаны,бесән сабырға косилкаһы,молотилкаһы ла бар ине. Тик тормоштоң үҙ ҡануны : яй ғына, үҙ ағымы менән барған ғүмер юлына төҙәтмәләрен индерә... Илдә колхозлашыу осоро башланыу менән иң беренселәрҙән булып Әбделнәғим бабайға кулак мөһөрө баҫып,мөлкәтен тартып алдылар. Ярай әле был ваҡытҡа оло улдарын өйләндереп, башҡа сығарып,ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, бирнә бүлеп өлгөргәйнеләр. ...Айһыҙ ҡараңғы селлә һыуығы зыңлап торған ғинуар төнөндә кемдер берәү Әбделнәғим ҡарттың тәҙрәһен сиртте: -Олатай!Иртүк һиңә киләләр! Ҡарт шундуҡ эштең ҡайҙа табан барғанын аңланы,тиҙ генә улдарын саҡыртып алып,ике атты етәкләп,урманға алып барып салдылар ҙа,ике ҡайынды эйеп,итте тирегә урап,ҡайындарҙы ысҡындырып ебәрҙеләр. Ағастар турайып,ғаиләнең ҡышлыҡ аҙығын бейеккә күтәрҙе... Иртәгеһенә үлә-һүлә яҡтырып килгән саҡта,аяҡ аҫтарында ҡар шығырҙатып, өй ишеген шаран-яра асып хөкүмәт кешеләре килеп инде. Түр яҡтың урындыҡ өҫтөндәге аҫалы балаҫты,арҡыры-буй юрғандарҙы, шүрлектәге яҫтыҡ-мендәрҙәрҙе , оло ғаиләгә етерлек бер биҙрә һыу һыйҙырышлы ҙур ҡорһаҡлы еҙ самауырҙы,келәттән бал-май тулған ағас батмандарҙы әллә нисә ат санаһына тейәп алып сығып киттеләр. Был турала ҡәйнәһе Фәриҙә : ”Тәҙрә төбөндә быяланы тыным менән йылытып , уймаҡтай ғына асыҡ урындан урамға ҡарап ултыра инем. Әллә ниндәй әҙәмдәр килеп инделәр , аҫтымдағы балаҫты тартып алдылар,башым тәҙрә тупһаһына бәрелеп,ауыртып,ныҡ итеп илағанымды хәтерләйем”,-тип һөйләй торғайны . Ни хәл менәндер кәре китеп,хәле мөшкөлләнгән әбей менән бабайҙы ауылдан һөрөүҙе кисектереп торҙолар,тик ике оло улын ғаиләләре менән Себер тарафтарына олаҡтырҙылар.Шул китеүҙән эҙһеҙ юғалды Фәриҙәнең ата бер, әсәй башҡа ағалары, башҡаса уларҙан бер хәбәр–хәтер ҙә булманы. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылды Әбделнәғим ҡарт ҡылтамаҡ ауырыуынан ауыҙына бер ҡалаҡ һыу ҙа үтмәҫ булып,ҡаҡ һөйәк менән тирегә ҡалып, этләнеп , баҡыйлыҡҡа күсте. Ике йыллап ваҡыт үткәс,әсәләре лә ҡарты артынан китергә ашыҡты. Ике ҡыҙ бала ата йортонда донья көттө. Ҡарауы ауыр булһа ла, бер һыйырҙы һаҡлап ҡалдылар,һыйыр ағы уларҙы аслыҡтан ҡотҡарҙы. Йәшәүе ауыр булды-ил күргәнде күрҙеләр. Һуғыш тамамланып, тыныслыҡ урынлашҡас,үҫеп етеп,бер туған Самат менән Азаматҡа кейәүгә сыҡтылар.Фәриҙә ошо нигеҙгә килен булып төшөп,өс балаға ғүмер бүләк итте: бер сәскә кеүек ҡыҙы,ике бөркөт кеүек улы тыуҙы. Фәриҙәнең улдарының кесеһенә кейәүгә сыҡты ла инде Гөлзифа. Беренсе көндән үк үҙ балаһылай яҡын итеп ҡабул итте уны ҡәйнәһе Фәриҙә,белмәгәнен ипләп кенә төшөндөрҙө,бер ваҡытта ла тауыш күтәреп,низағ сығарып ултырманы.Балалары ла өләсәләренең ҡосағында иркәләнеп кенә буй еткерҙеләр. Сымыры ғына кәүҙәле,етеҙ генә хәрәкәтле , эшкә батыр,ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙыр ҡатын ине ул Фәриҙә. Ире трактор аҫтында ҡалып,йәшләй генә тол ҡалған.Ирҙәр эшен дә,ҡатындар мәшәҡәтен дә берҙәй оҫта итеп башҡарыр ине,мәрхүмкәйең. - Әл дә ҡулымдан эш килә,кеше иренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп, ҡатындарының енен ҡуҙғатҡансы ”соҡорло ергә һыу тула,етем бар ергә һүҙ тула”,тигәндәй. Ауыҙҙары менән ҡош тоторлоҡ ирҙәрҙән ҡалышмай донья көттөм,улар бесәндә бер бакуй сыҡһа,мин дә ҡайырып бакуй һалдым,кәбән башында ла орсоҡ кеүек өйөрөлөп бесән тапаным,салғы яныр кешем булмағас,уны янырға өйрәндем,хатта ҡайһы бер ирле ҡатын-ҡыҙ өйгә килеп салғыһын янытып китә ине. Аллаға шөкөр, насар уй менән төндә килеп,ишек шаҡып,тәҙрә сиртеп йөрөүсе лә булманы,Хоҙайым алама уйлы,мәкерле кешеләрҙән араланы. Ҡәйнәһе үҙ яҙмышын бәйән итеп, Гөлзифа килененә кинәйә менән дөрөҫ йәшәү серҙәрен төшөндөрҙө,Хөпъямал ҡортҡаның яҙмышын күҙаллап: -Үргә ҡарап өлгө ал,түбәнгә ҡарап ғибрәт ал-,тип тә өҫтәне... *** Хөпьямал Фәриҙәнең бер туған апаһы менән йәштәш ине.Ҡыҙҙар бер урамда уйнап, буй еткерҙеләр. -Килен,Хөпъямал бит үҫкән саҡта әлеге кеүек холоҡһоҙ түгел ,ҡәҙимге матур,алсаҡ ҡына ҡыҙ ине. Ғаиләләре бик ауыр көн итте,ғүмер буйы осон осҡа ялғап йәшәнеләр.Атаһы менән әсәһе диндар кешеләр булдылар,ислам ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәнеләр. Тик Хөпъямалдың яҙмышын кире яҡҡа бороп ебәреүселәр ҙә улар булды. Хөпъямал ауылдың беренсе егете гармунсы Миңнулланы оҡшатып йөрөй ине,хатта бер-береһенә вәғәҙә бирешеп,көҙгө муллыҡта яусы ебәрергә булғайны егет. Әмәлгә ҡалғандай,ҡыҙҙы ҡатыны бала тапҡас, мандый алмай мәрхүм булған Тимерғәле һоратып килде. Хөпъямалдың аҙарынып илауына ҡарамай,никах уҡып ,кейәүгә бирҙе лә ебәрҙе атаһы,бер ҡыҙынан шулай тиҙ ҡотолдо ул.Әле өйҙә тағы ике ялбырбаш-кеше тауығы бар,исмаһам,малай булмағандар бит, Салауатым бер үҙе үҫә,тип уйланы . Оҙаҡ өйрәнә алмай йонсоно ҡыҙ яңы һаләтенә,ир ҡатыны булыуына.Етмәһә иренең етем ҡалған малайы ,имсәк таптырып, яу һала.Бер нисек тә яҡын итеп ҡабул итә алманы ул сабыйҙы. Ә бер төндө... инде ҡорһағы арыу ғына беленә башлаған Хөпъямал Фәриҙәнең ишеген шаҡыны. Ҡабаланып,келәне ысҡындырып ебәрһә,битенән юлаҡ-юлаҡ тирме,йәшме ағып төшкән,ауыҙын асып ,тын алып,хәбәрен дә һөйләй алмаған Хөпъямал тотлоға-тотлоға: -Үлде шикелле... үлде...-тип шыбырҙаны. -Кем үлде? Нимә булды? Яйлап ҡына һөйлә әле,асыҡ итеп әйт-,тип ныҡыны Фәриҙә. -Әйҙә беҙгә!Үлде инде ул,үлде... -Нишләп миңә килдең? Тимерғәле үлдеме ни! Кем үлде? -Малай ...теге ...ней ...Тимерғәленең малайы! Фәриҙә өҫтөнә көпөһөн генә һалды ла Хөпъямал артынан йүгерҙе. Нимә булған?Хөпъямалдың малайҙы өнәмәүен белеп йөрөй торғайны ,кеше ғаиләһенә нисек ҡыҫылаһың? Бер-ике тапҡыр малайҙы сарылдатып туҡмағанын да ишетеп, шелтәләгәйне уны: -Ниңә өҫтөңә гонаһ алаһың? Бәләкәй генә балаҡайҙың ни ғәйебе бар?Етем менән бергә Ер-һыу илар,тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.Баланан үс алма,гөнаһһыҙ сабый бит ул. -Ошо бала булмаһа ,был тиклем дә ҡыйын булмаҫ ине,бәлки. Ҡыҙ көйөмә балалы иргә биреп,хур итте бит атайым. Йәнем һөйгән кешем менән бергә була алманым,нисек кенә өйрәнәйем?Йөнлө баҡа күргән кеүекмен Тимерғәлегә ҡараһам . Кис етә башлаһа, тауышын ишетмәҫ,түшәгенә ятмаҫ өсөн ҡолаҡтарымды ҡаплап,күҙҙәремде йомоп,йәһәннәмгә олаҡҡым, башымды алып күҙ күрмәгән яҡҡа сығып ҡасҡым килә! Йән һөймәгән,яҡын күрмәгән әҙәм менән түшәк бүлешеүҙән дә ауыры юҡ! Һин бәхетлеһең, Фәриҙә! Йән һөйгәнең,үҙ тиңең менән донъя көтәһең. Яратҡан кешеңдең кәмселеге лә күренмәйҙер,ә мин Тимерғәленең алама яғын ғына күреп тик торам. Атайым мине артыҡ тамаҡ күрҙе,бәхетһеҙ яһаны,-тип сеңләп илағайны ул саҡ Хөпъямал. ...Фәриҙә Хөпъямал артынан өйгә йүгереп барып инде. Ысынлап та,сабыйҡайҙың йәне михнәтле доньяларҙы ташлап,күктәргә ашҡайны. -Нимә булды һуң?Ниңә лепкәһе ҡан? Һуҡтыңмы ни? -Атаһы урыҫҡа бура бурарға киткәйне,быныһы атаһын таптырып илай ҙа илай. Ашарға һалғайным,биҙунланып илап,сеүәтәне түгеп ебәрҙе.Йоҡларға ятҡырғайным-буҙлап илай,тынысланмай. Аптырап,бер –икене генә к-тенә һуғып алғайным,артҡа ҡолап китте лә тәҙрә тупһаһына башы бәрелде. Шул арала эйәк ҡағып,үтеп тә китте.Мин һиңә сығып йүгерҙем. Фәриҙә, мине хәҙер төрмәгә ултыртырҙар инде,эй,Хоҙайым,нишләнем мин,нишләнем? Хөпъямал тубығына башын һалып,сеңләргә тотондо. -Илап ,бер нәмә лә эшләп булмай хәҙер.Эш уҙған.Мин бит һиңә ҡулланма , тип нисә тапҡыр әйттем.Йоҙроҡ хәтлем балаға көсөң еткән инде... -Миңә былай ҙа ҡыйын,һин тағы ҡуҙ өҫтәп, үсәп тораһың! - Үсәмәйем, иҫеңә генә төшөрәм.Милицияға дөрөҫөн һөйләрһең, аңларҙар,тик баланы туҡмағаныңды ысҡындыра күрмә,аяғың-ҡулың ергә теймәҫ,Себер китер башың.Үҙеңдең ауырлы булыуың да ярҙам итер,бәлки... Ә минән һүҙ сыҡмаҫ,холҡомдо беләһең... -Ошонан имен-аман ҡотолһам ,ғүмерем буйы һиңә рәхмәтле булырмын,тик мине ташлама,йәме,-тип илай-илай Фәриҙәнең ҡулдарын алмаш-тилмәш үпте Хөпъямал. Фәриҙә әйткәнсе килеп сыҡты барыһы ла.Баланың үлемендә ғәйепле кеше эҙләп торманылар,бәхетһеҙ осраҡ ,тип эште ябып та ҡуйҙылар.Унан Тимерғәленең дә йәш ҡатындан айырылаһы ,уға ғәйеп өйәһе килмәне, ”Хоҙай бирҙе-Хоҙай алды” ,тип яҙмышына күнде,бер-ике айҙан үҙҙәренең балаһы донъяға ауаз һалды,уға Алтынбикә тип исем атанылар. -Ул апайҙы нишләп мин күргәнем юҡ,ситтә йәшәйме ни?- түҙемһеҙләнеп һорай һалды Гөлзифа. -Бына шул турала һөйләргә итәм дә инде. Фәриҙә килененә Хөпъямалдың артабанғы яҙмышын һөйләргә тотондо. *** Тик һөймәгән кешеһенән тапҡан балаһын да иҫе китеп яратманы Хөпъямал,алдына алып артыҡ иркәләп ултырманы,әсә булараҡ ҡыҙ балаға яғымлы һүҙҙәр әйтмәне. Ә Тимерғәле балаға атай ҙа,әсәй ҙә булды. Йығылып,берәй ере ауыртһа,балаҡай ярҙам һорап атаһына һыйынды, ашағанда урындыҡтың түрендә аяғын бөкләп ултырған атаһының уң тубығына бер ҡулы менән таянып ултырыуҙы ғәҙәт итеп алды. Был да оҡшаманы ҡатынға: -Ултыра инде,ҡыланып,килешмәгәнде.Иркәләтеп,боҙоп бөтәһең инде ҡыҙыңды-,тип ҡабатлар булды йыш ҡына. -Ҡыҙ бала-донья биҙәге,иркәләнһен.Атай ҙа яратмаһа,әсәй ҙә ҡаҡһа,ни була ул?Алда ни күрере билдәһеҙ ,ата йортонда үҙем иҫән саҡта наҙланып ҡалһын,тип ҡыҙына һүҙ тейҙермәне Тимерғәле.Һыуға ҡараған кеүек әйткән булып сыҡты ир,ҡыҙының буй еткергәнен генә күрә алманы... Яҙғы ташҡындан һуң йылғалар тынысланып,үҙәненә ҡайтып,ер-һыу кипкәс,бер төркөм ир-ат колхоз һатып алған делянканан ағас сығарырға ебәрелде.Уларҙың араһында Тимерғәле лә бар ине. Аҙна-ун көн буйы ағас ҡырҡып,ҡыуышта йоҡлап,усаҡта аш бешереп йәшәне эшселәр. Эште тиҙерәк тамамлап,ағастарҙы ташып алаһы бар. Бер юлы арттан эш урынын таҙартып, йығаһы ағастарын йығып,яндыраһын яндырып та барҙылар. Инде эш тамамланып ҡына килгәндә арҡыры бысҡы менән ағас бысҡан Тимерғәлеләр эргәһендә йыуан ҡарағай ағас икенсеһенә эләгеп ,аҫылынып ҡалды. Тимерғәле аңын-тоңон уйлап тормай аяҡ аҫтынан бер нәҙегерәк ағасты алды ла ,ҡарағайҙы ысҡындырып ебәрергә ынтылды. -Тимерғәле,кит,ҡас! Иптәштәре ,уны аяп, төрлө яҡтан ҡысҡырырға тотондо. Ул һикерҙе, ләкин ҡарағай ағасы уны ергә ҡуша зыңҡытты... Ирҙе урмандан трактор арбаһына һалып алып ҡайттылар. Шулайтып,Алтынбикә атайһыҙ тороп ҡалды. Балаҡайҙың таяныр таянысы, яҡлар кешеһе ҡалманы. Әсәһе үгәйҙән дә яманыраҡ ҡыланды:ҡыҙҙы ат урынына эшләтте,эт урынына һүкте. Ул шым ғына,йыуаш булып,баҫылып үҫте,иптәштәре менән рәхәтләнеп уйнай алманы,бөтә донъя мәшәҡәте ҡыҙ баланың йоҡа ғына иңдәренә ятты. Йәлләмәй таң менән уята ине әсәһе,ҡыҙ һыйыр һауа,быҙау эсерә,ҡош-ҡорт туйҙыра.Бәләкәй генә көйгә йылғанан көйәнтәләп һыу ташыны,керен дә йыуҙы,ашарға ла бешерҙе. Хөпъямал күп итеп кәзә аҫыраны, түр башына менеп ултырып,талпынып-талпынып шәл бәйләне,Алтынбикә лә ,кисен,эше бөткәс, шәм яҡтыһында шәл уртаһын бәйләргә тотона. Ҡыҙ өсөн бер ҡыуаныс- мәктәп булды.Ул байрамға барған кеүек ,әсәһенең әренән ҡотолоу юлы булараҡ та, мәктәпкә ашыға ине.Тырышып уҡыны,тәртибе яғынан да иң беренселәр рәтендә булды. Мәктәпкә киткәнсе таң менән тороп, мейес тоҡандыра,күмерен тарта,мал ҡарай,Хөпъямал ,хатта ҡыҙының эше бөткәнсе самауыр ҙа ҡуйып тормай,түшәгендә иҙерәп,өй йылынғанын көтөп ята. “Эшләгәне минең өсөн булһа,өйрәнеүе үҙе өсөн!”- тип яуапланы Хөпъямал , ҡыҙҙы яҡлап ,йәлләп өндәшеүсе уҡытыусыларға,күршеләренә. Тәүҙәрәк урыҫ яғына шәл һатырға үҙе йөрөһә, Алтынбикә етенсе класты бөтөүгә,бисәләргә эйәртеп,уны йөрөтә башланы. Ҡыш буйына бәйләнгән шәлде йәй көнө ҡыҙыҡай ауылдан-ауылға йөрөп һата,йәйәүләп илле саҡрым тегеләй,илле саҡрым былай араны үтеп,хәлдән тайып ҡайтып йығыла. Бер көндө бергә барған ҡатындар төшкә хәтлем тауарҙарын һатып бөттөләр,ә Алтынбикәнең бер шәле ҡалды.Ептәрен һуҙып ,һүрәпә итеп бәйләнгән бәләкәй шәлде ҡарайҙар,алыусы юҡ.Ҡатындар ҡайтырға йыйынды,тик Алтынбикә нисек өйгә ҡайтып инһен?Әсәһе тетмәкәйен тетер,тотоп ашар! -Мин Сәрмәсәнгә лә инеп ҡарайым әле,бәлки алыусы табылыр,һеҙ ҡайта тороғоҙ. Ҡыҙыҡай биш саҡрым ҡырҙараҡ ятҡан ауылға ыңғайланы. Өйҙән өйгә инеп йөрөй торғас,саҡ һатып алыусыһы табылды,ауылдың ситендә генә самандан һуғылған бәләкәй генә өйҙә йәшәгән ҡарсыҡ һатып алды шәлде. Хәҙер инде тиҙерәк ҡайтырға! Эңер төшөп килә, ҡайтыр юл йыраҡ ,урман аша ҡайтыу ҡурҡыныс та!Әллә ни осрауы бар... Ҡыҙыҡай,арыуын да онотоп,ҡайтыр яҡҡа йүгерҙе.Урыҫ малайҙарының артынан ниҙер ҡысҡырып,һыҙғырып ҡалыуы,оторо ҡурҡытты ҡыҙ баланы. Бер аҙ барғас ,ниндәйҙер тауыш ишетеп,артына боролоп ҡараны Алтынбикә. Юл буйлап сабып килгән һыбайлыны күреп,тубыҡтары ҡалтыранды.Ул йүгерә,артынан ат саба. Бына һыбайлы уны ҡыуып етте,алдына арҡыры төшөп, атының теҙгенен тартты. -Куда ,красавица ,путь держим? -Мин... ҡайтам..ауылға ҡайтам! -Какая ладненькая!Как тебя зовут? -Алтынбикә мин! Һыбайлы атынан төшөп,ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алды. Ҡыҙыҡай... ҡулын тартып алды. -Ну что ты ,как дикая кошка? Егет ҡосаҡларға ынтылды. Алтынбикәнең танауына араҡы еҫе килеп бәрелде,ҡыҙ ытырғанып, уның ҡосағынан ысҡынды ла алға йүгерҙе. Сысҡан менән уйнаған бесәй шикелле ,был бәндәлә һунарсы ҡомары уянды,уға аҙғынлыҡ,нәфсе ҡушылды,хәмер касафаты ла үҙен белдерҙе. Егет бер һикереүҙә уның ҡулынан тотоп ,ҡосаҡлап алды. -Ебәр мине! Ебәр! Алтынбикә илап,йәлләтеп егеткә ҡараны, ләкин боҙҙай һалҡын был ҡарашта йәлләү юҡ. Уның күҙҙәре томаланған ,хайуан инстинкты барлыҡ кешелек сифаттарынан да өҫтөнөрәк,көслөрәк ине. Ҡыҙыҡай,ситлеккә эләккән ҡош балаһылай,ҡыпһыуыр кеүек уратҡан ҡулдарҙан ҡотолорға тырышты,ысҡына алмағас,эйелеп ,уның күлдәге аша яурынын умырып тешләп алды. -Ах,ты ...так! Егет ҡыҙыҡайға ҡолас ташлап һуғып ебәрҙе,башы ергә бәрелеүҙән ,ул иҫтән яҙҙы... Аңына килгәндә урман юлының ситендә Алтынбикә бер үҙе ине. Бөтә тәне , йәне һыҙлай .Өшөүҙән дә,ҡурҡыуҙан да аяҡ-ҡулы ҡалтырай,тартыша. Йыртылған күлдәген тартып,ҡанһыраған аяҡтарын ҡапларға тырышты ҡыҙ.Ҡулын күтәргәнгә башы сатнап ауыртып китте.Ҡыҙ ҡулын башына тейҙерҙе:сәсе ойпаланып ,ҡанға уҡмашҡан,бите тиреһе тартыша,ҡолағы эргәһендә тамыр һулҡ-һулҡ тибә. Алтынбикә аяғына баҫырға иткәс,башы әйләнеп,кире ергә сүгәләне. Эсендә ныҡ ауыртыу тойҙо,күңеле болғанды. Үҙе менән нимә булғанын аңлағас,ҡыҙыҡай ергә башын бәреп,илауларға тотондо... Таң атыуға эләгә-йығыла ата нигеҙенә ҡайтып йығылды .Тик әсәһе генә ҡыҙын йәлләп бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәне: -Аҡса теүәлме!Бир бында! Йомарланған аҡсаны алды ла түр яҡ өйгә инеп китте... Күп тә үтмәне ҡыҙыҡай аш,ит еҫенә уҡшый,ҡоҫа башланы.Быны һиҙеп ҡалған Хөпъямал ҡыҙын һыу эскеһеҙ итеп туҡмап,таш келәткә бикләп ҡуйҙы.Ҡыҙының ауырлы булыуында үҙенең ғәйебен таныманы,Алтынбикәне көн –төн таланы. -Аҙғын!Уйнаш! Кем менән ,ҡайҙа өйөгөп йөрөнөң? Уйнаштан тыуған балаң менән өйөмә индермәйем!Мыҫҡыл иттең кеше алдында,мир алдында рисуай иттең. Алтынбикә уға үҙенең хәлен,таныш булмаған урыҫ егете көсләүен аңлатып ҡараны,тик уныһы әллә аңламаны,әллә хатаһын аңларға теләмәне. Ваҡыты еткәс, таш келәттә ап-аҡ йөҙлө,зәңгәр күҙле малай донъяға ауаз һалды. Уның тыуыуын кендек әбейе менән Хөпъямал ғына белделәр. Тик беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай бит,был хаҡта ауыл эсендә лә хәбәр таралды. Фәриҙә иң беренсе булып ҡоймаҡ ҡойоп, бәпес төрөргә ике күлдәк итәген йыртып алды ла Алтынбикәнең хәлен белергә барҙы. Хөпъямалдың Фәриҙәне күреүҙән йөҙө ҡарайып киткән кеүек булды,ләкин ҡыҙы эргәһенә индермәй булдыра алманы. Келәт эсендә быуылып-быуылып бала илай. Эт башы хәтлем йоҙаҡлы келәт ишеген шалтыратып асып бирҙе лә , Хөпъямал ситкә тайшанды. Ҡараңғылыҡҡа бер аҙ өйрәнеүгә ,Фәриҙәгә ҡурҡыуҙан ҙур асылған ике күҙ баҡты .Иҫ китерлек ябыҡ, һөйәк тә тире.Ҡояш күрмәгәнлектән, йөҙө лә мәйеттеке кеүек ап-аҡ. Был хәлде күреп,Фәриҙәнең һарыуы ҡайнаны.Ишек артында торған әсәй булған кешегә: -Һин әҙәмме,хайуанмы?Нишләп был тиклем ҡанһыҙһың йөрәк ярып сыҡҡан балаңа?Аслыҡтан хәле бөткән бит Алтынбикәнең,улы ла астыр,былайтып иламаҫ ине туҡ булһа. Бар эҫе сәй алып кил,ҡоймаҡ менән сәй эсерәйем балаҡайға! Хөпъямал Фәриҙәгә ҡаршы өндәшмәне,шым ғына өйөнә инеп китте лә бер сынаяҡ һыуыҡ сәй сығарҙы. Фәриҙәнең яҡлауын ишеткән ҡыҙ шым ғына илап ебәрҙе,балаһын һикегә һалды ла сеүәтәнән бер ҡоймаҡты алып,тартып алып ҡуймаһындар тигән шикелле,ҡарһаланып ашарға тотондо, борсаҡ кеүек эре күҙ йәштәре бит буйлап тәгәрәне . Фәриҙә баланы ҡулына алды.Аяҙ күк йөҙө кеүек зәңгәр күҙҙәр уны арбағандай булды, тупсын кеүек малай илгәҙәк кенә итеп,таныш түгел ҡатындың йөҙөнә текләп баҡты. -Сабыйҙың ни гонаһы бар?Үҙеңдең ҡаның бит.Баланың балаһы-балдан татлы, тиҙәр.Бер берегеҙгә терәк булып ,бергәләп тәрбиәләгеҙ малайҙы. Хөпъямал ауыҙ эсенән генә ниҙер мығырҙаны.Фәриҙә баланы көсләп Хөпъямалдың ҡулына тотторҙо ла келәттән сығып китте. Уныһы ,аптырап, бер балаға,бер Фәриҙәгә ҡарап, келәт уртаһында һерәйеп тороп ҡалды... *** Инде йылы йәй үтеп,ергә һары көҙ килде.Күктә ҡош туптары йыйыла,йылы яҡҡа юлланыр алдынан тыуған ерҙәре менән һаубуллашып,өйөрөлөп оса.Йылғаларҙың һыуы һыуынып,улар өҫтөнә төшкән ҡыу япраҡтарҙы ел кәмә итеп елдереп йөрөтә. Бер көндө Фәриҙәнең кесе улы мәктәптән ахмайылға төшөп ,ҡото осоп йүгереп ҡайтып инде. -Әсәй!Әсәй!Йылғала Алтынбикә апай бәпесен йыуындыра,уныһы ҡысҡырып илай. Фәриҙә аяғына калошын ғына эләктерҙе лә сығып йүгерҙе.Йылғаға яҡыная барыу менән бала илауы нығыраҡ ишетелә. Хәҙер ул иламай,ә ҡарлыҡҡан тауыш менән ҡысҡыра. Яр буйында бер-нисә ҡатын,бала-саға аптырап ,был хәлде ситтән күҙәтә. Йүгереп барған ыңғайы Фәриҙә һыу кисеп,Алтынбикә эргәһенә ашыҡты,ярҙа ауыҙ асып ҡарап торған ҡатындарҙы ла әрләп өлгөрҙө: -Нишләп тораһығыҙ аңшайып,баланы алмай,әрәм итә бит бәпескенәне! -Алтынбикә!Нишләүең был ,балаҡай! Сабыйыңды һәләк итәһең бит! -Минең бәпесем тәс-тәс итә,ивет!Ул һыу ярата,тик өләсәй генә йылы һыу бирмәй,эйеме ,улым! -Алтынбикә,бир миңә улыңды,мин үҙем йыуындырайым,-тип уның ыңғайына һыпырҙы Фәриҙә,ҡатындың алмашынып ,еңеләйеп барыуын,яңылышыуын күреп. -Юҡ! Мин уны бер кемгә лә бирмәйем!Улым минеке генә. Беҙ бер кемгә лә кәрәк түгел. Йоҡла,бәпесем,әлли-бәлли бәү-бәү! Баланың инде һыны ҡатҡан,аяҡ-ҡулы күгәрсен тәпейе кеүек сейә ҡыҙыл... -Балаҡай,әйҙә беҙгә барайыҡ,бәпестең тамағын туйҙырып ,йоҡлатайыҡ. Үҙең дә ял итеп алырһың ,эҫе итеп сәй ҡайнатып эсәйек,-тип көйләне Фәриҙә. Алтынбикә кинәт кенә балаһын уға тотторҙо ла ,башын эйеп, ярға табан атланы... Кискә ҡарай бала ауыр итеп тын ала башланы,һауа тын юлынан һыҙғырып сыға,оло кеше кеүек ыңғырашып,башын уңға,һулға борғолай. Аптырағас,Фәриҙә ауыл фельдшерын саҡырҙы.Ул килеп, баланы ҡарағансы,районға алып китергә ылау хәстәрләгәнсе, арыу ғына ваҡыт уҙҙы. Район үҙәгенә еткәс кенә тиҙ ярҙам машинаһы ҡаршы осраны.Тик баланы ҡотҡара алманылар,уның ике үпкәһе лә ҡабарып менгәйне... *** Барса халыҡ Хөпъямалды ҡанһыҙлыҡта ғәйепләне,ләкин үҙенә асыҡтан-асыҡ итеп ,күҙенә бәреп әйтеүсе генә табылманы. Аҙна-ун көндән тағы ла нығыраҡ һурылған Алтынбикәне дауахананан сығарҙылар. Ул әсәһенең өйөнә инмәне, тура таш келәткә ҡайтып, балаһының йүргәген ҡосаҡлап,урындыҡҡа ауҙы. Бирһәләр- ашаны, бирмәһәләр -таптырманы.Тәүҙәрәк хәлен белергә иптәштәре,ҡатын-ҡыҙҙар килгәндә тороп ултырһа,һуңынаныраҡ стенаға әйләнеп ятып,береһен дә күрергә теләмәне. Бер аҙҙан сепрәкте бала итеп төрөп,ҡулында бәүетеп,үрле-түбәнле йөрөй башланы,берсә йырлап,берсә илап,йә ҡысҡырып ихахайлап көлөп, хәлен белергә килеүселәрҙең ҡотон алды. Мөйөшкә ҡарап кем менәндер һөйләшеп,күгәрсен тауышы сығарып гөрөлдәй,шунан ҡысҡырып илап,сәсен-башын туҙҙырып,башын бүрәнәгә төкөргә тотона. -Кем килгән? Кем килгән? Буш килгән,буш килгән!- тип таҡмаҡлап ,килеүсе тирәләй ырғып,һикереп йөрөй. Аҡылы асылып,аңына килеп киткәндә, ике күҙе тулы һағыш,ҡайғы,йөрәк төбөнән сыҡҡан иңрәү йөрәкте өҙә. Ә бер көндө әсәһе Алтынбикәне бишек эленеп торған сөйҙә аҫылынған килеш тапты. Кәүҙәһе ҡатып,һыуынып та өлгөргәйне. Хөпъямал ҡыҙын ерләгәндә лә тамсы йәшен түкмәне,шулай ҙа өсөн, етеһен, ҡырҡын шартына килтереп уҡытты,хәйерен таратты. ...Ҡыҙының мәрхүм булыуына бер йыл тигәндә ул инде саҡ әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан егет менән дыу килтереп мөхәббәт уйыны уйнай ине. Бер ҡыҫҡа ҡышҡы көндө эш бөтөп,шәмгә ут алыуға Фәриҙәнең тупһаһын аша атлап ,өйөнә инде лә ишеккә һөйәлде Хөпъямал. -Һин гел аҡыллы кәңәш бирә торғанһың,миңә кәңәш бир әле зинһар! Яратмаған ,йәнем өнәмәгән кеше менән йәшәп, бәхеттең нимә икәнен дә белмәнем.Үҙ баламды яҡын итмәнем, бауыр баҫа алманым,атаһына булған мөнәсәбәт ҡыҙына ла күсте. Бына хәҙер өҙөлөп яратҡан йәремдән ауырға ҡалдым! Уға бала табып бирәйем,тип хыялланам. Мин дөрөҫ эшләйемме? Әйт әле,зинһар өсөн! -Мин һинең ике яурыныңда хаталарыңды һынап,яҙып ултырған фәрештәң түгелмен. Унан зина ҡылып ,бала тап,тип кәңәш тә бирә алмайым. Үҙеңдең балаңдан йәш егеткә бала табам ,тип башыңа тай типкәнме әллә? Ат аҙғыны тайға эйәрер. Йәш малай һине һанлармы,ата-әсәһе үҙҙәре менән бер йәш бисәне килендәре итеп күрерме? Ауыртмаған яҡҡа ятаһың инде, үҙ башың-иңеңдә,мәйелең!Бындай эштә мин-кәңәшсе түгел! Хөпъямал ,бындай яуапты ишетеп,ҡырт боролоп сығып китте. Фәриҙәгә кәңәш һорап инһә лә, кеше һүҙенә ҡолаҡ һалыр кимәлдән үҙып,күҙҙәре аларғайны уның. Егеттең артынан эҙләп ,аҙбар башында бесәнлектә йоҡлап йөрөгән урынына үҙе йүгереп бара башлағайны. Бер –ике көндән егеттең ,Хөпъямалға әйтмәй –нитмәй генә, ауылдан сығып тайыуы билдәле булды. Кемдер уның Хөпъямалға: -Минең арттан өйгә килмә инде,атайым үлтерә бит мине!-тигәнен ишеткән. Тик Хөпъямал да бирешә торғандарҙан түгел,аҙна эсендә мал-тыуарын,ҡош-ҡортон һуяһын һуйып,һатаһын һатты ла,өйөнөң тәҙрәләрен ҡаҙаҡлап, егет артынан ҡаҙаҡ далаларына сығып олаҡты. Бер-нисә йылдан улар икәүләп,улдарын етәкләп,ауылға ҡайтып инделәр. Хөпъямалдың йорт-ҡураһын төҙәтеп, йәшәп алып киттеләр. Ире генә ҡарт бисәне хушһынманы. Кис етһә,гармунын күтәреп,урамға сығып китәр ине. Хөпъямал балаһын етәкләп артынан барһа,ҡабырғаһын төйөп ҡайтарырға ла оҙаҡ уйлап торманы. Ҡатын улын ,йән һөйгәненән тапҡан балаһын өҙөлөп яратты ,малайға бер нәмәлә лә сикләү булманы.Бәләкәй сағында иң матур тәтәй уныҡы ,үҫә төшкәс,иң ҡупшы кейем,иң тәмле ризыҡ тәтене егеткә.Ул үҙ сиратында үҙ һүҙле,еңмеш булып буй еткерҙе. Быуыны нығынғас,ата-әсәһенең кәре ҡайтыуға,уларҙан аҡса,әйбер таптырып,быуындарына төштө.Теләген үтәй алмаһалар ,хатта көс ҡулланыуҙан да тартынманы. Атаһы йәш ҡатынға сығып киткәс,бигерәк бәйеле аҙҙы уның.Хәҙер әсәһе хатта өйөндә йоҡларға ҡурҡып,кис етһә ,күрше-тирәһенә,йәиһә Фәриҙәгә күҙ төбәп килә. -Тимерғәленең һөйөүен ҡабул итмәнем,балаһының ғүмерен ҡыйҙым,үҙ баламдың башын ашаным,шуның өсөн миңә был һынауҙы ебәргәндер Аллам. Балаҡайым -Алтынбикәмдең, уның сабыйының рәнйешен алдым ! Ана яратып ҡына ,өф итеп үҫтергән балам ни ҡылана бит! Үҙеңдеке үҙеңә ҡара яу! Кем башына ғына илереп,ҡоторалыр инде! Илай-илай аҙарынды Хөпъямал. Үҙ башына ҡоторҙо малайы :яңғыҙ йәшәгән ҡарсыҡтың өйөнә түбәһенән төшөп,хаслыҡ ҡылған,көсләгән. Күп тә үтмәне төрмә ишеге уның артынан шартлап ябылды... Изге күңеллегенә барып,Гөлзифа Хөпъямал ҡортҡаға йә һөт,йә ҡорот тоттороп ебәрә. Ул рәхмәт тә әйтә белмәй,биргән күстәнәсте камзул кеҫәһенә тыға ла ,ниҙер мығырҙап ары китә. Телдән ҡалыр алдынан Фәриҙә ҡәйнәһе, Гөлзифаның ҡулын тотоп ,үҙенең фатихаһын бирҙе: -Балаҡайым,һинең изге ,йомшаҡ күңелле булыуыңды яҡшы беләм. Һиңә васыятым шул:өйөңә Хөпъямалды эйәләтмә,иманлы,мөхәббәтле йортоңа ҡара йылан оялар, унда оят та,намыҫ та юҡ! ... Хөпъямал ҡортҡа өйөнә инһә лә,урамға сыҡһа ла- япа-яңғыҙы,берәү инмәй,берәү сыҡмай . Ауылдаштары хатта уның йортон урабыраҡ үтә. Барыр ере,батыр күле юҡ,берәү ҙә уны ашҡынып көтөп тормай. Ул таяғына таянып, ҡаранан кейенеп, кәкерәңләп,ямғыр тимәй,ҡар тимәй, ауыл урамдарын әллә нисә тапҡыр урай, кемдеңдер өйө тапҡырына еткәс,төкөрөп китә,ҡайһылары эргәһенән ҡулының һырты менән бәддоға ҡылып уҙа.Күңелендә хаслыҡ,көнсөллөк. Күрше-тирәләренең бәхетле йәшәүе - уның өсөн ҡара ҡайғы.Кеше шатлығына шатланмай,ҡайғыһына-сәпәкәй итә... Ә кешеләр уға арты менән борола,күрмәмешкә һалыша.Һүҙ өндәшһә, ишетмәмеш була. Эттең эте лә яратмай ҡарсыҡты. Ана Алабай тағы ярһып-ярһып абалай.. Миңзәлә Хәлилова. Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Эй Аллаһ, мин Һинән гүзәл исемдәрең арҡылы һорайым. Балаларыма бәрәкәт бир тип Һиңә ялбарам.Раббым, уларҙың ғүмерен оҙайт, уларҙы һаулыҡ, сәләмәтлектән айырма, уларҙы Һиңә буйһоноуҙа һәм ғибәҙәт ҡылыуҙа ныҡлы ит.Раббым, уларҙың көсһөҙҙәренә көс бир һәм ауырыу булғандарына шифа бир.Раббым, уларҙың тәндәрен нығыт, ишетеү, күреү һәләттәрен яҡшырт, уларҙың кәмселектәрен төҙәт һәм уларҙы камил ит. Эй Аллаһ, мин Һинән гүзәл исемдәрең арҡылы һорайым. Балаларыма бәрәкәт бир тип Һиңә ялбарам. Раббым, уларҙың ғүмерен оҙайт, уларҙы һаулыҡ, сәләмәтлектән айырма, уларҙы Һиңә буйһоноуҙа һәм ғибәҙәт ҡылыуҙа ныҡлы ит. Раббым, уларҙың көсһөҙҙәренә көс бир һәм ауырыу булғандарына шифа бир. Раббым, уларҙың тәндәрен нығыт, ишетеү, күреү һәләттәрен яҡшырт, уларҙың кәмселектәрен төҙәт һәм уларҙы камил ит. Раббым, Үҙ мәрхәмәтең менән уларҙы ауырыуҙарҙан, гонаһтарҙан, хаталарҙан һәм аҙашыуҙарҙан һаҡла һәм уларҙы Һиңә тоғро ит. Эй Аллаһ, уларҙы ата-әсәләрен тыңлауға күндер. Эй Аллаһ, миңә уларҙы юғары әхлаҡлы һәм тәҡүәле итеп үҫтерергә ярҙам ит. Раббым, мин Һиңә үҙ нәҫелемде ышанып тапшырам. Мин Һинән уларҙы ауырыуҙарҙан һәм әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсалауыңды һорайым. Һин уларҙы төндә таралған яуызлыҡтан, көндөҙ күҙ тейеүҙән, кешеләрҙең көнләшеүенән һәм нәфрәтенән һаҡлаһын өсөн уларҙы Һиңә ышанып тапшырам. Раббым, балаларымды һәр яҡлап һаҡла – өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да, алдан да, арттан да. Эй Аллаһ, балаларым намыҫымдың сәбәбе һәм ғорурлығымдың сығанағы булһын. Улар Һине яратҡандарҙы яратһын. Эй Аллаһ, балаларымды донъялыҡта ла, Ахирәттә лә – яҡшылыҡ һәм Һиңә буйһоноуға һәм Һине һөйөүгә килтергән ғилем менән ниғмәтлә. Аллаһым, балаларымдың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет-сәғәҙәт, тәҡүәлек һәм байлыҡ килтерәсәк уңышты юлдаш ит. Аллаһым, уларҙа саф йөрәк, рәхимлек, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу кеүек сифаттар булдыр һәм уларға ғилем бир. Эй Аллаһ, балаларымды кәмһетелеүҙән һәм мәсхәрәнән ҡурсала. Уларға ҡыуаныс килтер – был мине лә бәхетле итәсәк. Раббым, уларҙың ишетеү, күреү һәләттәрен һәм һаулығын бәрәкәтле ит, уларға аҡыл һәм күркәм холоҡ бир.
Был акция 15 февралдән 2 мартҡа тиклем үтә. 3-сө мәктәптә быйылғы сығарылыш класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытын һүрәтләгән эшлекле уйын ойошторолдо. Унда барлығы 70 ата-әсә ҡатнашты. Район мәғариф бүлеге начальнигы Ф. Р. Хужин үҙе лә был көндө парта артына ултырған. Ата-әсәләр ҙә уҡыусылар кеүек паспорт, ҡара гель ручка менән килгән. Уларға шулай уҡ һыу һәм шоколад алып инергә рөхсәт ителгән. Был сара йыйылыш менән тамамланған. https://alga-rb.rbsmi.ru/articles/obrazovanie/v-buraevskom-rayone-proshla-vserossiyskaya-aktsiya-den... Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Шәғәли Шаҡман вариҫтары Белорет районы Ҡаһарман ауылында башҡорт халҡының бөйөк улы, Тамъян ырыуы бейе Шәғәли Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған сарала ҡатнашты. Белорет районы хакимиәте башлығы Вячеслав Мироновтың саҡырыу буйынса сарала Мәләүез районы тамъяндары ла ҡатнашты. Мәләүез районы халҡы исеменән тамъян ырыуы вәкилдәрен Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов ҡотланы. Әбйәлил, Миәкә, Көйөргәҙе райондары вәкилдәре лә ҡушылды изге теләктәргә. Шәғәли Шаҡман вариҫтары Белорет районы Ҡаһарман ауылында башҡорт халҡының бөйөк улы, Тамъян ырыуы бейе Шәғәли Шаҡмандың тыуыуына 500 йыл тулыуға арналған сарала ҡатнашты. Белорет районы хакимиәте башлығы Вячеслав Мироновтың саҡырыу буйынса сарала Мәләүез районы тамъяндары ла ҡатнашты. Мәләүез районы халҡы исеменән тамъян ырыуы вәкилдәрен Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов ҡотланы. Әбйәлил, Миәкә, Көйөргәҙе райондары вәкилдәре лә ҡушылды изге теләктәргә. Милли көрәш майҙанында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айнур Хисаметдинов 2-се урын алды, йәш көрәшселәр Иҙел Шәйәхмәтов, Арыҫлан Әлимғужиндар ҙа үҙҙәрен ысын батыр итеп күрһәтте. Динис Бүләков исемендәге Арыҫлан урта мәктәбе директоры Мораҙым Шаһманов ауыл аҡһаҡалдары менән аралашып, тарихи мәғлүмәт тупланы. Ауыл халҡы ырыуҙаштарын милли аш-һыу менән һыйланы. Үҙ сиратында ошо юлдарҙы яҙыусы мин дә Шәғәли Шаҡманға арналған шиғырымды уҡып ишеттерҙем. Сара һуңға тиклем дауам итте, саҡрым-саҡрым юл үткән ырыуҙаштар оҙаҡ фекер алышты. Нәҫел-тамырҙар барланды, адрес, телефон һандары менән алмаштылар.
Красная Башкирияла капиталь ремонттан һуң музыка мәктәбе асылды. Тантанаға ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр йыйылды. Красная Башкирияла капиталь ремонттан һуң музыка мәктәбе асылды. Тантанаға ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр йыйылды. Ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән хөрмәтләп ҡаршы алғандан һуң һүҙ район етәкселәренә бирелде. Тәүге булып район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғ. Н. Солтанов тәбрикләне. — Беҙҙең район таланттарға бай. Әбйәлилдән сыҡҡан сәхнә йондоҙҙары, билдәле артистар, атаҡлы бейеүселәр бихисап. Әммә һәләттәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар кәрәк. Йәш быуын мәҙәни тормошҡа ылыҡһын, улар араһынан киләсәктә район данын яҡлаясаҡ талантлы кешеләр үҫһен өсөн ярҙам күрһәтеү мөһим, — тине Ғәлим Наил улы. — Красная Башкирияның сәнғәт мәктәбен капиталь ремонтлауға район бюджетынан 1 миллион 200 мең һум аҡса бүленде. Был сараларға бинаның эсе тотошлай яңыртылып, бөтә талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнде. Балалар рәхәтләнеп шөғөлләнһендәр, түңәрәктәргә йөрөһөндәр. Ижади бәйге-конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулаһындар. Музыка мәктәбе коллективына һәм уҡыусыларға уңыштар теләйем. Ғ. Н. Солтанов мәктәпкә 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Ул шулай уҡ ремонт эшен еренә еткереп, сифатлы һәм ваҡытында башҡарған подрядсы ойошма етәксеһе Й. Р. Баймырҙин хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте. Йәмил Рафиҡ улы район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Красная Башкирия халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин, Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе директоры Г. Ә. Ниязғолова килгәйне. Улар ихлас теләктәренә ҡушып бүләктәр ҙә тапшырҙы. Ирек Әғзәп улы мәктәптә йыр-моң яңғырап торһон тип ун ҡурай вәғәҙә итте. Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы З. Н. Кәримов, урындағы мәктәп директоры Л. Р. Ғилманова иҫке, күркһеҙ сәнғәт мәктәбен заманса, ҡупшы бинаға әйләндәреү өсөн күп көс түккән төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Улар ҙа тантанаға буш ҡул менән килмәгәйне. Й. Р. Баймырҙин капиталь ремонт мәлендә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтеп, музыка мәктәбе һәр саҡ гөрләп эшләһен тигән теләктә үҙенең бүләген бирҙе. Ата-әсәләр исеменән сикһеҙ ҡыуаныс белдереп, район етәкселегенә, Й. Баймырҙиндың бригадаһына рәхмәт һүҙҙәре менән Лилиә Байтурина сығыш яһаны. Ал таҫманы киҫкәндән һуң бөтәһе лә танығыһыҙ булып яңырған сәнғәт мәктәбен ҡараны. Ҡараңғы, тар бүлмәләр ҙурайтылған, яҡтырған. Ҙур тәҙрәләр ҡуйылған. Бинала электр хужалығы тулыһынса яңыртылған, иҙән-түшәм алыштырылған. Коридор матурайған, бөтә уңайлыҡтар булдырылған, хатта кейемде сисеү өсөн айырым бүлмәләр эшләнгән. Хореография класында был түңәрәккә йөрөүселәр рәхәтләнеп шөғөлләнһен өсөн бөтә кәрәк-яраҡ бар. Зауыҡлы, күркәм кластарҙы балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә һоҡланып ҡараны. Киләсәктә Красная Башкирия ауылы балалары араһынан билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыр, район мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индерерҙәр тигән ныҡлы ышаныс бар. Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.