text
stringlengths
433
77.6k
Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы базаһында “Иң яҡшы тракторсы-машинист-2022” конкурсы үтте. Был сара районда йыл да ойошторола. Ныҡышмалы һәм ғәҙел көрәштә райондың ауыл хужалығы предприятиеларынан иң яҡшы туғыҙ тракторсы һөнәри оҫталыҡ буйынса көс һынашты. Конкурс ике этапта үтте. Беренсе этапта ҡатнашыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм хәүефһеҙлек саралары буйынса имтихан тапшырҙы, икенсе этапта тракторҙа эшләү буйынса практик оҫталыҡ күрһәттеләр. Тракторҙа төрлө күнегеүҙәрҙе аныҡ баш­ҡарыу еңелдән түгел. Беренсе урынды “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте слесары Павел Владимирцев яуланы. Икенсе урында – Калинин исемендәге хужалыҡтан Алексей Мирошкин менән “Рощинский” дәүләт унитар предприятиеһынан Александр Дегтярев. Өсөнсө урын “Максимовка” предприятиеһынан Рөстәм Михайловҡа һәм “С.П. Фрунзе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тракторсыһы Филүс Мәмбәтовҡа бирелде. Жюри ағзалары шулай уҡ конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһын билдә­ләне – Роман Коваленко “С.П. Фрунзе” хужалығында эшләй, ә иң тәжрибәле тракторсы тип “Рощинский” хужалығының механизаторы Александр Япринцевты атанылар. Бөтә еңеүселәргә лә аҡсалата премиялар тапшырыла. Лилиә НУРЕТДИНОВА Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан “Ҙур этнография диктанты” тигән халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы старт алды. Биш йыл үткәреү дауамында унда 46 илдән 1 200 000 кеше ҡатнашҡан. Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан “Ҙур этнография диктанты” тигән халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы старт алды. Биш йыл үткәреү дауамында унда 46 илдән 1 200 000 кеше ҡатнашҡан. Диктант берҙәм осорҙа, 3-нән 8 ноябргә ҡәҙәр, онлайн- форматта үткәрелә. Ул кешеләрҙең этнография өлкәһендә, Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр хаҡындағы белемен тикшереүгә, милләт- ара тыныслыҡ һәм килешеүгә киң даирә йәмәғәтселекте йәлеп итеү өсөн ойошторола. Диктантты Рәсәйҙә, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа яҙа ала. Бының өсөн диктанттың рәсми сайтына инеү мотлаҡ: https://miretno.ru/ һәм “Диктантты үтергә” тигән бүлекте һайларға кәрәк. Унда дөйөм федераль кимәлдәге һәм төбәктәргә ҡағылған һорауҙарға яуап биреү зарур. Яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бүленгән. Тестан һуң шул уҡ сайтта диктантты яҙыу ваҡыты һәм датаһы менән гугл-форма тултырыу талап ителә. Диктант яҙылғас та электрон форматта ҡатнашыусы сертификаты төҙөлә һәм шунда уҡ һөҙөмтәләр бирелә. https://docs.google.com/forms/d/1ZhEjHVlMe8mweCmXJLvZqa1p8hPgxDpY7kk99xbp0mY/edit?usp=sharing Автор:Гөлнур Ишбулатова Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Элек буйҙаҡ егеттәр ауылда ғына, ә ҡалала яңғыҙ ҡыҙҙар һаны арта тип иҫәпләнә ине. Һәм быны һуңғыларының һыйыр һауырға теләмәй, ауылдан сығып ҡасыуы менән аңлатырға тырышалар. Ләкин иғтибарлап ҡараһаң, яңғыҙлыҡҡа дусар булып, ҡалала ҡаңғырыусылар һәр ике заттан да етерлек. Әлеге тема яңы түгел. Ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып ҡуйырталар уны. Ә инде үҙең ғаиләһеҙ булһаң, Ер йөҙөндәге бөтә халыҡты шул мәсьәлә генә борсой һымаҡ тойола. Сөнки һине күреү менән хаҡтар артыуы ла, сәсергә картуф булмауы ла, хатта Японияның Фукусимаһы ла онотола һәм үҙәккә ул – яңғыҙлыҡ проблемаһы сыға. Элек буйҙаҡ егеттәр ауылда ғына, ә ҡалала яңғыҙ ҡыҙҙар һаны арта тип иҫәпләнә ине. Һәм быны һуңғыларының һыйыр һауырға теләмәй, ауылдан сығып ҡасыуы менән аңлатырға тырышалар. Ләкин иғтибарлап ҡараһаң, яңғыҙлыҡҡа дусар булып, ҡалала ҡаңғырыусылар һәр ике заттан да етерлек. Нишләп һуң танышыу урыны булырлыҡ мәҙәниәт һарайы, кинотеатрҙар, клубтар, ахыр сиктә танышыу агентлыҡтары һәм ҡайҙа асһаң, шунда “тота” торған интернет (ә унда танышыу сайттарының иҫәбе-һаны юҡ) булған ҡалала яңғыҙлыҡ ҙур проблема? Әллә журналист булғанға, әллә яңғыҙ булғанға, әллә нәҡ яңғыҙ журналист булғанға? Миңә бик йыш ошо һорауҙы бирәләр. Яуабын ғына белмәйем. Ә белге килә… Шуға күрә бер көн ҡағыҙ киҫәктәре менән сыбарланып бөткән бағанала “Димсе” тигән иғланға тап булғас, барып ҡарарға булдым. Димселек эшенә тотонған икән, тимәк, ул кеше проблеманы өйрәнгән. Бәлки минең һорауыма ла яуапты тапҡандыр. Ниәтемде әйткәс, таныш ҡыҙым күҙҙәрен ҙур асып: “Кит инде, кейәүгә сыҡмаған башың менән димсегә барыу килешмәй”, – тине. Һы-ы, ә кейәүгә сығып, ирең менән балаларың өйҙә ултырғанда димсегә йөрөү килешерме? Шулай тинем дә телефон номерын йыртып алып кеҫәгә һалдым. Ҡыш ине. Трубканы бер ханым алды. “Мин өйҙә ҡабул итәм, фәләнсә адрес буйынса кил, рәхим ит”, – тине. Ҡышын ҡараңғы тиҙ төшә. Эштән һуң таныш булмаған адрес буйынса ир эҙләп бар, имеш. Паспорт менән фотоны ла алырға ҡушты бит әле. Радио-телевидение көн-төн криминал күрһәтеп, өркөтөп бөтөргән күңелгә етә ҡалды. Хоҙай һаҡланғанды һаҡлармын тигән бит. Йүләрләнеп йөрөмәҫкә булдым. Яҙ еткәнен көттөм. Һәм бына етте ул мәл… Теге ҡағыҙ киҫәгендәге телефон номеры буйынса йәнә шылтыратып “прием”ға яҙылдым да, “ бисмилла”мды әйтә-әйтә эштән һуң сығып киттем. Хәбәр ителгән адрес буйынса тейешле фатирҙы бик тиҙ таптым. Ишекте 35-40 йәштәге ханым асты. - Килдеңме, бик яҡшы, – тине ул мөләйем йылмайып. – Беҙҙең подъезд алдында бер бомж ята. Ҡурҡып инмәй китерһеңме инде тип уйлағайным. - Юҡ, – тип кенә ҡуйҙым мин. Урамдағы бомждан ҡурҡмайым да ул, һинән бер аҙ шөрләйем тип әйтеп булмай бит инде. Залға үтеү менән эске бүлмәләге тауышҡа ҡолаҡ һалдым: үҫмер ҡыҙҙар һөйләшә ине булһа кәрәк. Әллә ни ҡурҡыныс янамағанын аңлағас, еңел һулап, күрһәтелгән урынға барып ултырҙым. Димсе ханым тәүҙә үҙенең эшләү ысулы тураһында бәйән итте. - Мин был эшкә кисә уйлап, бөгөн тотонманым. Башта проблеманы тикшерҙем, өлкән быуындарҙың ғаилә төҙөү мәктәбен, был өлкәлә башҡа халыҡтар тәжрибәһен өйрәндем. Унан Өфөләге бер нисә танышыу бюроһында парын эҙләгән яңғыҙ кеше булараҡ анкета тултырып, уларҙың эшләү ысулдары менән таныштым. Унда барыһы ла ябай һәм еңел: аҡсаңды түләйһең, анкета тултыраһың, фотоңды ҡалдыраһың һәм вәссәләм. Ир-аттар шуны ҡарап, үҙеңде оҡшатһа, шылтырата. Юҡ икән – юҡ инде. Бер айҙан анкетаңдың ваҡыты сыға. Унан һуң йә тағы аҡса түләп оҙайтаһың, йә алып ташлайҙар. Был кеше менән теге кеше тура килә-килмәй тип ҡарап ултырыусы юҡ унда. Аҡса ғына килеп торһон. Мин һөнәрем буйынса психолог. Һәр клиент менән ултырып һөйләшәм. Әңгәмә барышында уның холҡон өйрәнәм, ниндәйерәк тормош иптәше эҙләүен асыҡлайым. Уның талаптарына тура килгән кешене тәҡдим итәм, йә көтөргә ҡушам. Анкеталарҙың ваҡытын сикләмәйем. Бәхетте график буйынса табып булмай. Мине шөрләткән паспорт иһә минең ысындан да мин икәнлегемде асыҡлау өсөн кәрәк булып сыҡты. Изге ниәт менән булһа ла, кеше өсөн икенсе берәү анкета тултырып йөрөмәһен тип ҡарай икән ул уны. - Ғаилә ҡорорға, үҙ парын табырға етди ниәте бар икән, кеше үҙе килә. Уның өсөн кемдеңдер борсолоп йөрөүе генә аҙ. Етмәһә, мин ул кешенең ниндәйерәк икәнен нисек беләм һәм башҡаларға нисек тәҡдим итәм? Быныһы аңлашылды. Хәҙер сират миңә етте. Үҙем тураһында һөйләргә тейеш инем. Эш эҙләгәндә резюме тултыраһың ул, уныһы әллә ни ҡыйын түгел. Үҙеңде иң оҫта, иң белемле, иң тәжрибәле белгес итеп күрһәтергә тырышаһың. Ә димсегә ни һөйләргә икән һуң? Ҡатын-ҡыҙ бәхете ирҙән, тиҙәр. Уйлап ҡараһаң, минең тормошомда иң матур, дөрөҫ, теүәл, яҡшы яҙылған анкета ошо булырға тейеш булып сыға. Ә мин ике һөйләм менән ҡалала йәшәүсе ауыл ҡыҙы икәнемде, вуз дипломы һәм яратҡан эшем барлығын әйттем дә туҡтап ҡалдым. Димсе ханым моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы. Унан ҡаршыма ике папка килтереп һалды. Береһе Толстой яҙған романдар ҡалынлығында, икенсеһе эшкинмәгән хужабикәнең уңмаған табикмәге самалы ғына. Тәүгеһе ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы икәнен аңлар өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәй. Һуңғы йәниҫәп буйынса Рәсәйҙә 10 млн. ҡатын-ҡыҙ ирһеҙ булып сыҡҡан бит. Йыраҡтан эҙләйһе түгел. Беҙҙең дөйөм ятаҡтың бер ҡатында 35 бүлмә бар. Шуның 12-һендә яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. Ҡайһы бер бүлмәлә икешәр ҙә әле. Хәйер, быларҙы әйтеп димсене аптыратып буламы ни инде? - Беләм, – тине ул проблеманың төбөнә төшөп китеп. – “Махабхарата”ны уҡығаның юҡмы икән? Ана шуның бер бүлегендә улдары булмаған бер батша тураһында һүҙ бара. Бала һорап бик ныҡ ялбарғас, Хоҙай уға ҡыҙ бүләк иткән. Савитри исемле булған ул. Йәше етһә лә, һоратып килеүсе булмағас, үҙеңә ир тап тип, ялсыларын, хеҙмәтселәрен эйәртеп, батша ҡыҙын халыҡҡа сығарып ебәргән. Һәм ҡыҙын ҡатынлыҡҡа алырға теләгән ир-егеттәр бәйгелә ҡатнашып, үҙен күрһәтергә тейеш була. Кем еңә, шул өйләнә. Күп халыҡта йәрәштереү йолаһы ла йәшәй. Береһендә – ҡыҙ, икенсеһендә малай тыуған ғаилә башлыҡтары үҙ-ара килешеп ҡуя ла, йәштәре еткәс, балаларын өйләндерә. Бәйге лә, йәрәштереү йолаһы ла беҙҙең халыҡта булған. Тик ни эшләптер уларҙы һаҡламағанбыҙ. Хәҙер ата-әсәләр балаларын башлы-күҙле итеү бурысын үҙ өҫтәренән төшөрҙө. Батша кеүек “үҙең эҙлә”тип сығарып ебәрәләр. Булған шул ундай йола, тик үҫкәс, йәштәр бер-береһен яратасаҡ тип кем әйткән әле? Бөгөн миңә: “Ҡыҙым, һин тыуғас, шул-шул кешегә бирәбеҙ тип килешеп ҡуйғайнык, әҙерлән”, – тиһәләр, ауыҙ йырып һөйөнөп ултырасаҡмынмы? Ә кеше хоҡуҡтары? Ә һайлау иреге? - Беләһеңме, мөхәббәт ул шундай нәмә: бөгөн – бар, иртәгә – юҡ. Уны таныу еңел түгел был заманда. Хәйер, был заманда ғына түгел, бар осорҙа ла шулай булған. Унан никах – ул мөхәббәтте һынау ысулы түгел бит. Ғаилә иң беренсе сиратта нәҫелде дауам итеү өсөн төҙөлә. Бының өсөн ирҙең дә, ҡатындың да һау-сәләмәт булыуы кәрәк. Ҡан ҡушылыуҙар, ғәрип балалар берәүгә лә кәрәкмәй. Шуға күрә нәҫел-ырыуҙарын тикшергәндәр. Аҡылһыҙ булмаған инде ул беҙҙең ата-бабалар. Һәр йоланың үҙ маҡсаты, мәғәнәһе булған. Элек кейәүгә ҡыҙҙар илап киткән. Ү-ү-ү-леп яратҡан кешеһенә үҙенең ҙу-у-ур теләге буйынса сыҡһа ла үтәлгән был йола. Сөнки алда ниҙәр көткәнен белмәгән. Ә күҙ йәштәре ғаилә тормошондағы насарлыҡтарҙы ала тип һаналған. Һиндостанда бөгөн дә туй алдынан сеңләү йолаһы башҡарыла. Рустарҙа ҡапҡанан сыҡҡанда бойҙай һибеү бар. Ҡыҙ шул бер ус бойҙайҙы һипте икән, тимәк артҡа юл ябыҡ. Ул был ғаилә ағзаһы булыуҙан туҡтай. Ә беҙҙең өсөн туй – ул аҡ күлдәк тә фата һәм биҙәлгән машина. Шуға күрә йәштәр ғаилә төшөнсәһен дөрөҫ аңламай хәҙер. Яңғыҙ тормоштарына сик ҡуйып тормай ғына парлы тормош башлайҙар ҙа, һәр ҡайһыһы үҙ туҡһанын туҡһан итергә тотона. Һинең теләүең генә аҙ, “ғаилә” ағзаларының төркөмөнөң теләге менән дә иҫәпләшергә тура килгәнен аңламайҙар. Өйләнешкәс тә коллектив булып йәшәргә түгел, үҙҙәре булып ҡалырға тырышалар. Никахтар тарҡалыу драмаһы ана шул кешеләрҙең бөгөн коллектив дәрәжәһендә йәшәй белмәүенән килә. Ғаилә ҡора алмау ҙа шуға бәйле. Бөгөн йәштәрҙе ғаилә булып йәшәргә өйрәткән тәрбиә юҡ. Улайһа минең яңғыҙлығымда атай-әсәйем һәм күрешкән һайын “ҡасан кейәүгә сығаһың” тип үҙәгемә үткән туғандарым ғәйепле булып сыға. Ә мин дөрөҫ бирелмәгән тәрбиә ҡорбаны ғына?.. - Әлбиттә, беренсе сиратта яуаплылыҡ ата-әсәләрҙә ята. Бөгөнгө ҡыҙҙар үҙ тормошона буласаҡ ирен саҡыра белмәй. Ни өсөн? Әлеге лә баяғы өйрәтеүсе булмаған. Элек бит ҡыҙҙарҙы бала саҡтан кейәүгә сығырға әҙерләгәндәр. Уҡы, вузға инәһең, диплом алаһың, яҡшыраҡ эшкә урынлашаһың бар тип тылҡып үҫтермәгәндәр уларҙы. Бөтә талап – кейәүгә сығыу һәм бала табыу булған. Шуны аңына һеңдергәндәр. Бөгөн ҡыҙҙарҙы “мөмкинлегең бар, тырыш”, тип аспирантураларҙа уҡыталар. Ә буласаҡ иренә кәрәкме уның аспирантура бөтөүе? Һүҙ ҙә юҡ, ҡыҙҙарҙа ла бар ғәйеп. Пар эҙләү – ул ниндәйҙер дәрәжәлә үҙеңде рекламалау тигән һүҙ. Ә кеше үҙен ситтән күрмәй, шуға ла объектив баһа бирә алмай. Бына мин, минең исемем, белемем, эшем, йәшәр ерем бар. Тимәк, минең статусым бар. Һәм ирем шул статусҡа ярарға тейеш. Миңә ир кәрәк. Тик аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – Президент кәрәк. Бөгөн ҡыҙҙар үҙҙәре тураһында артыҡ юғары фекерҙә. Улар яндарында кемде күрергә теләүҙәрен дә аңламай. Күҙ алдына ла килтермәй. Хәйер, ҡайһы бер ваҡыт улар хыялдарында шундай образдар тыуҙырып ҡуя. Хатта саҡ ҡына “Сумерки”ҙағы вампир кәрәк тимәйҙәр. Донъяла юҡ ундай ир-аттар! Әммә ҡыҙҙар рус әкиәтендәге кеүек һарайҙың иң юғары ҡатына менеп ултыра ла, тәҙрәнән күҙәтеп көтә башлай. Ә егеттәр һикереп-һикереп ҡарап та буйҙары етмәгәс, ҡул һелтәргә мәжбүр була. Көслө заттың “зәңгәрләнеүе” ҡайҙан килә тип беләһегеҙ? Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре үк уларҙы шуға этәрә бит. Ҡалаға уҡырға китеп, шунда эшкә ҡалғас, ауыл егеттәренең шешәгә үрелеүендә һәм эскеселек һаҙына сумыуында ғәйепле булып сыҡтым. Инде хәҙер килеп ир-аттарҙың “зәңгәрләнеү” сәбәбе лә ҡыҙҙарҙамы? Юҡ инде, иптәштәр, был ғәйепте лә үҙ өҫтөмә алмайым. Ә ниңә һуң ул егет тигәндәре “һикереп-һикереп” кенә ҡарарға тейеш әле? Ниңә стена буйлап үрмәләмәй, тырышмай? Ниңә улар уҡымай, диплом алмай? Ризаһыҙлығымды белдереп, сәсрәп сыҡтым. Ләкин димсе-психологтың быға ла яуабы әҙер. - Бында хикмәт фекерләү төрлөлөгөндә. Ирҙәр менән ҡатындар икеһе ике планетанан тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙәктән ҡуҙғалған һәм түңәрәк буйынса йәйелгән тулҡын рәүешле уйлай. Ә ирҙәр эҙмә-эҙлекле, тура һыҙыҡ буйынса. Ул һыҙыҡты һыҙыр өсөн ике нөктәнән һуң өсөнсөһөн билдәләргә кәрәк. Ә беҙ әле һынылыш осоронда йәшәйбеҙ. Тормош борола һәм һыҙыҡ нөктәгә тура килмәй үтеп китә. Юл боролғанда алда ни булыры күренмәй бит. Әлеге осорҙа ҡатын-ҡыҙ еңелерәк яраҡлаша һәм уның энергетикаһы активлаша. “Инь” менән “янь” алышынған мәл был. Шуға күрә бөгөнгө хәл айырым шәхестәрҙең проблемаһы ғына түгел. Ул беҙҙең осорҙоң проблемаһы. Ә бына шул дәүергә яраҡлаша алыу инде һәр кешенең үҙенән тора. Ир-егеттәргә ярҙам итергә, терәк булырға, көс бирергә кәрәк, тормош ритмына эйәреү мөһим. Бына бит! Әйләнеп йөрөй торғас, тағы шуға килеп төртөлдөк. Юғары белемһеҙ булмай бөгөн. Заман талабынан сығып ҡарағанда, терәк булыу – дипломлы булыу тигән һүҙ. Бер ир яңғыҙы ипотека түләй алмаясаҡ. “Эх, ваҡытында уҡыған булһаң, һинең эш хаҡын ашарға тотонор инек исмаһам” тиһә? Йә киреһенсә, үҙе күп аҡса эшләй алмаһа? – Миңә 50 йәшлек косметолог килде. Үҙ-үҙен ҡарай, сибәр. Минең картотекала бер ир бар. Йәше буйынса тура килә. Ҡатыны менән күптән айырылған, ике бала үҫтергән, фатиры бар. Үҙе оҫта. Тик юғары белеме юҡ. Шуның арҡаһында ғына ҡатын икеләнеп ҡалды. Ә бит ғүмере үтеп бара… 36 йәшлек ҡыҙ килде. Медицина университетын тамамлаған, эшләп йөрөй. Әсәһе ҡыҙын маҡтап ултыра: ҡиммәтле косметика менән генә ҡуллана, ти. Ҡыҙ үҙе: “Хеҙмәт хаҡы алғас (7-8 мең) “Л¢Этуаль” кибетенә бер инеп сыҡҡан инем, ҡараһам, аҡсам ҡалмаған”, – тип һөйләй. Унан һуң 33 йәшлек егет килде. Шул ҡыҙҙың анкетаһын күрһәтәм. Өс йәшкә ҙур булыуы әллә ни ҡурҡыныс түгел, тим. Ул минең менән килешә. Тик: “Уға әле 36 йәш, тиҙ генә ауырға уҙа аламы-юҡмы, билдәһеҙ, бер йылдан 37 тула. Ә миңә бала кәрәк”, – ти. Фотоһы ла булмаған 25 йәшлек икенсе ҡыҙҙың телефонын һорап алды. Уға һинең косметикаңдың сифаты түгел, биҙәнгестәрең бөтөнләй кәрәкмәй бит ул. Димломын да һораманы. Ана, икешәр вуз тамамлағандар менән папка тулы. Барыһында ла юғары белем. Шунан? Бәхетле ғаилә ҡороуҙа диплом хәл иткес роль уйнамай! Бөгөнгө заманда ҡулынан эш килгән ир кәрәклеген, ялған белемле аҡ яғалар менән бутҡа бешереп булмағанын нисек аңлатырға икән һуң һеҙгә??? Димсе ханым һөйләүенән туҡтап, картотекаһына тағы бер дипломлы ҡыҙ артыуына эсе бошҡанға башын сайҡай-сайҡай, ир-егеттәр папкаһын аҡтара башланы. Тик унда минең талаптарға тура килгән кеше юҡ ине. Әллә нисек уңайһыҙ булып китте. Аңламайым түгел, аңлап торам да инде мин ул әйткәндәрҙе. Бары тик ирҙе арттан эйәртеп, танк урынына һөрөп алға барыу урынына уның артынан эйәрге килә. Ышанғы, ышыҡланғы, таянғы… - Ғаиләлә кемдер нигеҙ-терәк булырға тейеш. Ир ҙә була ала ул, ҡатын-ҡыҙ ҙа – уныһы мөһим түгел. Темпераменттан тора. Нәҡ ҡатын-ҡыҙ усаҡ утын һаҡлап ултырыусы тигән һүҙ юҡ бөгөн. Ул белемле, хәрәкәтсән, ҡыйыу. Ирҙәр, киреһенсә, ҡыйыуһыҙлана, һүлпәнәйә бара. Ләкин ҡатын-ҡыҙ ниҙер эшләр өсөн барыбер нигеҙ-терәк барлығын белергә тейеш. Кемдер уны һаҡлай, яҡлай тигән мәғәнәлә түгел. Ҡайһы ваҡыт яныңда кемдер барлығын белеү ҙә етә. Ул ир диванда телевизор ҡарап, бер ни эшләмәй ятһын. Әммә ул бар. Һәм ҡатын-ҡыҙ уның барлығын белә. Илья Муромец 33 йыл мейес башында ятҡан. Әммә кәрәк булғас, торған да барыһын да һелкеп һалған. Гүзәл затҡа ныҡ ауырға тура килһә, ир ҙә тороп баҫасаҡ. Бәлки уның шулай ятыуы ҡатындың асыуына ла тейәлер, әммә шул уҡ ваҡытта ул уны юғалтырға теләмәй. Сөнки аңлай – ул уның терәге. Урта быуаттарҙа шулай ҡатын-ҡыҙҙарҙы йортта терәк итеп тотҡандар. Ир-аттар ҡатын-ҡыҙҙар менән урындарын алышҡас, ысынлап та эре-эре аҙымдар менән матриархатҡа табан китеп барабыҙ буламы ни инде был? Күҙемдә өмөтһөҙ ҡәнәғәтһеҙлек сағылғандыр, күрәһең, димсе ханым йәнә йылмайып ҡуйҙы. - Башҡорт, татар һәм рус ҡатын-ҡыҙҙары бер-береһенән нимәһе менән айырыла, беләһеңме? Күсмә тормош менән йәшәгән башҡорт халҡының ҡатын-ҡыҙҙары сигеү сигеп кенә ултырмаған, кәрәк икән атҡа ла менгән, ҡылыс та тотҡан. Өҫтәүенә, яу килгәндә, мин көсһөҙ зат тип торорға ваҡыты булмаған уның. Татарҙарҙа ярымкүсмә тормош үҙ эҙен ҡалдырған. Татар ҡатын-ҡыҙына һуғышыу әллә ни кәрәкмәгән. Шуға күрә уның менән килешеп була әле. Бәхәсләшеп еңеүе ауыр, әммә тырышып ҡарарға мөмкин. Ә күсмә тормоштоң ни икәнлеген дә белмәгән рус ҡатын-ҡыҙҙары һәр ваҡыт иркә зат булып йәшәгән. Ирҙәрҙе йәлләй улар. Ә башҡорт ҡатындарының ҡанында ундай нәмә юҡ. Татарҙарҙа белмәйем, бәлки бер аҙ барҙыр. Бына шул рустарға ғына түгел, хәҙер инде Рәсәй ҡатындарына хас була башлаған сифат бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә ҡаршы баҫты. Сөнки ул мөхәббәт менән йәлләүҙе бутай башланы. Бына гөлдө алайыҡ: иртән һыу һип, көндөҙ һип, кис һип. Ул нимә эшләй? Ҡоромай, әлбиттә. Ләкин ул серей. Сама белеү мөһим. Йәлләү менән яратыуҙы бутамаҫҡа кәрәк. Ә көс һәм көсһөҙлөк – былар үҙҙәре айырым бер тема. Ҡыҙҙар киләләр ҙә “мин рухи яҡтан көслө, ирем минән дә көслөрәк булһын” тиҙәр. Нимәгә уға тағы ла көслөрәк кеше? Уны яҡлап тораһы юҡ, ул үҙе кемде теләй яҡлай ала. Кешеләр бит яҡшы йәки яманға бүленмәй. Бары тик берәүҙә холоҡтоң бер яғы үҫеш алған, икенсеһендә – икенсе. Пар булған кешеләр бер-береһен тулыландырырға тейеш. Һәм шундайҙы эҙләргә кәрәк. Шулай уҡ ҡыҙҙар ғына һайланамы икән ни һуң? - Юҡ, ирҙәр араһында ла бар ундайҙар. Һуңғы ваҡытта бер аҙ артҡа сигенде шикелле, тик бер мәлде корпоратив кисәләр модаға инеп киткәйне. Бик күптәрҙе боҙҙо ул күренеш. Шундай кисәләрҙә күп йөрөгән бер ир килде. Ул инде ҡатын-ҡыҙға кеше итеп тә ҡарамай. Йәне, күңеле бар икәнен уйламай ҙа, аңламай ҙа. Хирург һымаҡ уның кәүҙәһен, аяғы менән күкрәктәрен, фигураһын ғына күрә. Күптән түгел берәү шылтыратып, ерән сәсле ҡыҙ менән танышҡыһы килеүен әйтте. Үҙе татар милләтенән. Татарҙар араһында ерән сәслене табыуы ауыр булыр, тинем. Миңә рус булһа ла ярай, сәсе генә ерән булһын, ти. Ғаилә тормошо өсөн сәстең төҫө мөһимме инде? Бөгөн парһыҙҙар һаны артыуҙа ҡыҙҙарҙы ғына ғәйепләмәйем мин. Бары тик әле һинең менән һөйләшәм, һинең проблемаңды хәл итергә тырышам… Ниһайәт, килеп инеүемә 2 сәғәт тигәндә, һөйләшеүҙең осо күренде. Алдан әйтелгән сумманы түләнем дә, анкета һәм фотоларымды димсенең ҡулына тоттороп ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдым. Ул миңә пар булырлыҡ кандидатура килеп сығыу менән шылтыратырға һүҙ биреп оҙатып ҡалды. Арытҡан ине. Әлбиттә, кейәүгә сығырға кәрәклеге хаҡында аҡыл һатыуҙарҙы атай-әсәйҙәр, туғандар, хеҙмәттәштәр, таныштарҙан ғына түгел, автобустағы осраҡлы кешеләрҙән дә тыңларға тура килгәне булды. P.S. Һорауға яуап таптым. Хатта эҙләгәндән күберәкте лә аңлағандай булдым. Ләкин шулай ҙа мәҡәлә яҙылып бөткәс, димсе папкаһындағы фотоларымды кире барып алдым. “Барам тип кенә барып булмай, ҡалам тип кенә ҡалып булмай. Никахтың үҙ сәғәте уның, балам”, – тигәйне бер апай. Мин уға нығыраҡ ышанам.
Нуриман районында ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн саңғы ярышы ойошторолдо. Шулай ҡыш менән хушлашып, саңғы миҙгелен яптылар.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан Нуриман районында ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн саңғы ярышы ойошторолдо. Шулай ҡыш менән хушлашып, саңғы миҙгелен яптылар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан – Саңғы ярышы үткәреү районыбыҙҙа матур ғәҙәткә әүерелде. Халыҡтың спорт сараларында үҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Спорт тормош рәүешенә әйләнергә тейеш, – ти район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов. Ярышта 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Стартҡа баҫыусылар йәш буйынса 12 төркөмгә бүленгән. Финишта уларҙы ҡайнар сәй көтә ине. Кемдер тәүге урындарҙы алып ҡыуанһа, башҡалар тәбиғәт ҡосағында сәләмәтлеген нығытып, сағыу тәьҫораттар тупланы. Ярыштың партнеры – “Бухта кила” ял базаһы. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде. Фото – Нуриман район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
16-21 апрелдә Екатеринбург ҡалаһында Рәсәйҙең элекке Президенты Б.Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты базаһында мәктәп уҡыусыларының физик культура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Сараны Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ойошторҙо. Конкурста ҡатнашыусыларға ике төр ярышта еңеп сығырға кәрәк ине, йәғни теория буйынса белемде һәм ғәмәли турҙа сыҙамлылыҡты һәм яҡшы физик әҙерлекте күрһәтеү бурысы торҙо. Ике тур һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Республикаһынан өс 11-се класс уҡыусыһы призер исеменә лайыҡ булды. Улар – Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы Ибраһим А., 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусыһы Оскар Х. һәм Мәләүез районының 1-се гимназияһы уҡыусыһы Кирилл Г. Белеүебеҙсә, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы, шулай уҡ предмет профиле буйынса илдең юғары белем биреү йорттарына имтихандарһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге бирелә. Был спортсы егеттәр ҙә ошондай өҫтөнлөктәргә эйә булды. Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа һәм спортҡа ылыҡтырыу ил Президенты В.В. Путиндың май указы тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы ла тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Автор:Гөлдәр Яҡшығолова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Инйәр ауыл советыны ауыл биләмәһендә үткән сираттағы ултырышта район хакимиәте башлығы урынбаҫары С.В.Фәтҡуллин, ауыл хакимиәте башлығы П.Л.Голубев, депутаттар һәм урындағы ойошма һәм предприятие етәкселәре ҡатнашты. Инйәр ауыл советыны ауыл биләмәһендә үткән сираттағы ултырышта район хакимиәте башлығы урынбаҫары С.В.Фәтҡуллин, ауыл хакимиәте башлығы П.Л.Голубев, депутаттар һәм урындағы ойошма һәм предприятие етәкселәре ҡатнашты. – Сарала 2019 йылда ауыл хакимиәтенең һәм ауыл советының эшмәкәрлеге, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2020 йылда Башҡортостанда Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы уңайынан ойоштороласаҡ саралар планын раҫлау, үткән йылда бюджеттың үтәлеше, асыҡ тыңлауҙар көнөн үткәреү, ауылдарҙа уҙасаҡ граждандар йыйылышы графигын билдәләү кеүек һорауҙар күтәрелде,- тип хәбәр итте ауыл хакимиәте идарасыһы Светлана Кочкина. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, июлдең һуңғы, августың тәүге көнөндә республика буйынса ямғыр, айырым биләмәләрҙә боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. 31 июлдә һауа температураһы төндә 5-10, көндөҙ иһә 17-22, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 27 градусҡа тиклем йылы булыуы күҙаллана. Урыны менән ҡырау төшөүе мөмкин. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан. 1 августа иһә һауа температураһы төндә 9-14, көндөҙ 13-18, көньяҡ-көнсығыш биләмәләрҙә 22 градус йылы була. Ел көньяҡ-көнбайыштан, әкренләп төньяҡҡа күсә. https://bash.rbsmi.ru/news/yrau-k-t-l/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Ышанач" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда 2017 йылда мәктәпкәсә учреждениеларҙа 3,7 меңдән ашыу урын файҙаланыуға тапшырылған. Был 2016 йылға ҡарағанда 900 урынға күберәк. Яҡынса 110 ҡыҫҡа көн төркөмө асылған, ете балалар баҡсаһы төҙөлгән. Былтыр республикала 237 мең самаһы бала мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөгән. Башҡортостанда 2017 йылда мәктәпкәсә учреждениеларҙа 3,7 меңдән ашыу урын файҙаланыуға тапшырылған. Был 2016 йылға ҡарағанда 900 урынға күберәк. Яҡынса 110 ҡыҫҡа көн төркөмө асылған, ете балалар баҡсаһы төҙөлгән. Былтыр республикала 237 мең самаһы бала мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөгән. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн учреждениелар төҙөү быйыл да дауам итә. 1834 урынлыҡ тағы 13 объект, шул иҫәптән ике айҙан өс йәшкәсә балалар өсөн — 365 һәм альтернатив формалар иҫәбенә 2200 урын асыу ҡаралған, тип хәбәр итте йомғаҡлау коллегияһы барышында Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. Әүҙем төҙөлөш бик урынлы, сөнки төбәктә балалар һаны йылдан-йыл арта. Яңы балалар баҡсаларын төҙөү өс йәштән ете йәшкәсә балаларға мәктәпкәсә белем алырға мөмкинлек бирә. Республикала балаларҙы мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп итеү 69,2% тәшкил иткән, был Рәсәй буйынса күрһәткестән 12% тиерлек һәм Волга буйы федераль округы буйынса 3% юғарыраҡ (Рәсәйҙә — 57,4%, Волга буйы федераль округында — 66,1%). http://www.bashinform.ru/news/1117715-v-bashkirii-v-2018-godu-postroyat-13-detskikh-sadov-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы? Улайһа, киләһе яңылыҡ һеҙҙе ҡыуандырасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указында раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектына ярашлы республикала өр-яңы туристик портал ғәмәлгә инде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, яңы ресурста туристик маршруттар тураһында ғына түгел, шифаханалар, милли аш-һыу, сувенирҙар, баш ҡалабыҙҙағы төп иҫтәлекле урындар хаҡында ла мәғлүмәттәр тупланған. Айырым ҡушымтала сәфәрҙәрҙе ойошторған туроператорҙар күрһәтелгән. Порталдың адресы - visitrb.ru. Төп сәхифәлә “Инстаграм"ды биҙәрлек ерҙәр”, “Башҡорт сувенирҙары”, “Башҡортостан хазиналары”, “Тау саңғыһы курорттары”, “Башҡортостан туроператорҙары”, “Өфө буйлап әкрен сәфәрҙәр”, “Башҡортостан мәҙәниәте”, “Туристик маршруттар”, “Милли аш-һыу” кеүек темалар бар. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
2022 йылға Рәсәйҙә һәр кемдең электрон медицина картаһы булырға тейеш. Был хаҡта «Сәләмәт Мәскәү» ассамблеяһында илдең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Вероника Скворцова белдерҙе. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, ике йылдан дәүләтебеҙҙә электрон карталарҙы, уның менән ситтән тороп «аралашыуҙы» [йәғни тултырыуҙы], микрочиптар һәм башҡа гаджеттар индереүҙе үҙ эсенә алған берҙәм һанлы контурҙы әҙерләү тамамлана. «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә һәм цифрлаштырыуҙа башҡа дәүләттәрҙән арттараҡ ҡалғанбыҙ, ләкин беҙ тиҙ хәрәкәт итәбеҙ, — тип билдәләне Вероника Скворцова. — Шулай уҡ 2020 йылдан табиптар ҡарарына интеллектуаль ярҙам индерелә». Һуңғыһы интеллектуаль аҡыл анализдарҙы, сирҙең билдәләрен һәм башҡа күрһәткестәрҙе өйрәнә тигәнде аңлата, табиптарға диагноз ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы илдең фармацевтика сәнәғәте тураһында һөйләне. Баҙарҙа 80% — илебеҙ препараттары, тип билдәләне ул. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юлдаш" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи , информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ 02-01372.
– Донъяла һәм Рәсәйҙә әлеге мәлдә хәлдәр еңел түгел, ә төҙөлөш комплексы көрсөктәргә бик һиҙгер. Шуға ла төҙөлөш мәсьәләләрен мин шәхси күҙәтеү аҫтында тотам, даими “Төҙөлөш сәғәт”тәре үткәрәм, төҙөлөш урынына һәм проблемалы объекттарға сығам, – тине Радий Хәбиров.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин – Донъяла һәм Рәсәйҙә әлеге мәлдә хәлдәр еңел түгел, ә төҙөлөш комплексы көрсөктәргә бик һиҙгер. Шуға ла төҙөлөш мәсьәләләрен мин шәхси күҙәтеү аҫтында тотам, даими “Төҙөлөш сәғәт”тәре үткәрәм, төҙөлөш урынына һәм проблемалы объекттарға сығам, – тине Радий Хәбиров. – 2019 йылда беҙ 2,3 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөнөк. Быйыл 1,5 миллион квадрат метр торлаҡ ҡулланыуға тапшырылған да инде. 5 процентҡа артҡан маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәрбеҙ, тип уйлайым. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев эшлекле кәңәшмәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите. Башҡортостан Башлығы Владимир Якушевҡа алданған өлөшсөләр проблемаларын хәл итешеүҙә һәм “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Һуңғы ике йылда милли проект сиктәрендә Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һум аҡса алған. Был ярҙам яңы микрорайондарға юл төҙөүгә, социаль инфраструктура менән тәьмин итеүгә мөмкинлек биргән. Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин Мәскәүҙән видеобәйләнеш менән шуны хәбәр итте: Башҡортостан быйыл үткән йылдағыға ҡарағанда 6 процентҡа артыҡ төҙөй. Төҙөлөш ойошмалары етәкселәре РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ипотеканы 6,5 процентҡа төшөргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар әйтеүенсә, был ҡарар көрсөк шарттарында бик ярҙам иткән. Республикала шулай уҡ башҡа уңышлы эшләгән программалар ҙа бар. Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу тиҙлеге буйынса “йәшел зона”ла булыуын белдерҙе. Был план буйынса барлыҡ күрһәткестәр үтәлгәнде аңлата. Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан алынды. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Башҡортостанда нефть продукттарының хаҡы Рәсәйҙәгегә ҡарағанда түбәнерәк, тип белдерҙеләр Башстатта, аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәренә һылтанып. Әле Рәсәйҙә автомобиль хужаларына 92-се бензиндың бер литры уртаса 42,22 һумға, 95-се — 45,62 һумға, 98-се — 51,23 һумға, дизель яғыулығы 46,14 һумға төшә. Башҡортостанда АИ-92 һәм АИ-95 маркалы бензинға хаҡ, 22 июль менән сағыштырғанда, 0,1 процентҡа артҡан. Төбәктә уртаса хаҡ — 41,89 һәм 44,82 һум. 98-се бензин ошо ваҡытта 0,2 процентҡа ҡиммәтләнгән. Башҡортостанда уның уртаса хаҡы 49,84 һум тәшкил итә. Дизель яғыулығының хаҡы аҙна эсендә элекке кимәлдә ҡалған – бер литры уртаса 45,44 һум тора. http://www.bashinform.ru/news/1336292-tseny-na-benzin-v-bashkirii-nizhe-srednerossiyskikh-statistika/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Был шәп бүләкте кем отто, тиһегеҙме? Берҙәмлектә – көс, тиҙәр бит. Бишбүләк районы Дүсән башланғыс мәктәбе уҡыусылары «Йәншишмә»гә күмәкләп яҙылғас, еңеүгә өмөттәре лә ҙур ине. Һөҙөмтәлә, бүләк уларҙың береһенә сыҡты ла инде. Филүс Кәлимуллин IV синыфта уҡыған ҡыҙы Филиәгә гәзит яҙҙырған һәм бүләк тә отто. Икеләтә шатлыҡ. Был шәп бүләкте кем отто, тиһегеҙме? Берҙәмлектә – көс, тиҙәр бит. Бишбүләк районы Дүсән башланғыс мәктәбе уҡыусылары «Йәншишмә»гә күмәкләп яҙылғас, еңеүгә өмөттәре лә ҙур ине. Һөҙөмтәлә, бүләк уларҙың береһенә сыҡты ла инде. Филүс Кәлимуллин IV синыфта уҡыған ҡыҙы Филиәгә гәзит яҙҙырған һәм бүләк тә отто. Икеләтә шатлыҡ. Был матур сәй сервизын килеп алғанда үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен дә онотмағыҙ. Берәй танышығыҙ килеп ала икән, документтарығыҙҙы гәзиттең электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин. Дуҫтар, һеҙ ҙә «Йәншишмә»гә яҙылып, квитанцияғыҙ күсермәһен ебәрегеҙ. Декабрҙә төп бүләк – велосипед уйнатыласаҡ. Гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 490 һум 44 тин. Индексы – П2765. Бер йылға яҙылып та була. Хаҡы – 894 һум 29 тин. Индексы – П3371. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Красноусолда игеҙәк балалар араһында “Беҙ бергә көслөрәкбеҙ” тигән Башҡортостан Республикаһы Шахмат фестивале үтте. Фестивалдә Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Октябрьский ҡалаларынан һәм Красноусолдан 10 пар шахматсы ҡатнашты. Йәш шахматсылар 9 турҙа текә система буйынса зирәклектә көс һынашты. Игеҙәктәр зирәклектә ярышты Ҡыҙҙар араһында Анастасия менән Екатерина Стрелковалар (Мәләүез ҡалаһы) - 1-се, Карина һәм Камила Даяновалар (Стәрлетамаҡ) – 2-се, Мария менән Юлия Бухарь (Өфө), Милана менән Рада Дьяконовалар (Красноусол) 3-сө урынға лайыҡ булды. Малайҙар араһында Антон һәм Алексей Елсуковтар (Красноусол) - 1-се, Самир менән Дамир Заһировтар (Өфө) 2-се урын яуланы. Игеҙәк ҡыҙ-малайҙар араһында: Әминә менән Айбулат Аҡбулатовтарға - 1-се, Амелия менән Арсений Батыршиндарға – 2-се, Даяна менән Дамир Дәүләтшиндарға 3-сө урын бирелде (барыһы ла Красноусолдан). Сарала ҡатнашыусы барлыҡ балалар Проценколар ғаиләһенән тәмлекәстәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Еңеүселәр һәм призлы урындар яулаусылар район хакимиәтенән Маҡтау грамоталары һәм миҙалдарға, БР Шахмат Федерацияһынан иҫтәлекле бүләктәр һәм кубоктарға лайыҡ булды. Игеҙәктәр зирәклектә ярышты Автор:Индира Ишкина Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ғаилә йылының иң яҡшы эмблемаһына иғлан ителгән республика конкурсында Өфөнән Владислав Әхмәтов еңеүсе тип танылды. Уның эшен Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына тапшырылған 78 эмблема араһынан һайлап алдылар. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, министрлыҡ баһалама комиссияһы ағзалары менән берлектә конкурс тураһындағы положениеға ярашлы критерийҙарға тап килмәгән 51 эмблеманы бәйгелә ҡатнашыуға индермәне. Ҡалған 27 эш конкурс комиссияһы ултырышында ҡаралды. Өфөнән 29 йәшлек дизайнер Владислав Әхмәтов үҙенең эшендә ҡусҡар рәүешендәге башҡорт орнаментын нигеҙ итеп алған һәм уны ишле ғаиләне стилләштереүҙә файҙаланған. — Эмблемала һауығыуҙы, тойомлауҙы, йомартлыҡты, бойондороҡһоҙлоҡто, ижадты, ышанысты, аралашыуҙы һәм һөйөүҙе сағылдырған фирүзә төҫөн файҙаландым. Был сағыу төҫ берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, кире тойғолар тыуҙырмай, — тине Владислав Әхмәтов үҙенең хеҙмәте хаҡында. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Быйылғы коронавирус сире менән бәйле, көсөргәнешле шарттарҙа эшләп, социаль хеҙмәткәрҙәргә ирекмәндәр ролен үтәргә лә тура килде, үҙаллы изоляциялағы 65 йәштән өлкәнерәктәргә иң тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыҡты. Президент грантына социаль проекттар эшләп, былтыр “Бергә атлауы күңелле” (социаль туризм) проекты тормошҡа ашырылды. Уҙған йылдың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – күптән көтөлгән проект – өлкән йәштәге ҡарауһыҙ ҡалып, аҙ хәрәкәтләнгән граждандарға һәм инвалидтарға Татар Саскүле һәм Табын ауылдарында пансионат булдырыуға килешеү төҙөү. Булдыҡлы етәксенең шәхси ҡаҙанышы - “Ҡатын-ҡыҙ директор” Бөтә Рәсәй конкурсында Р.Рахманғолова “Мәрхәмәтлектең юҡтыр сиктәре” номинацияһында, “Ҡатын-ҡыҙ йыл директоры-2020” титулына лайыҡ булды. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
«Һеңлекәш» фильмы прокатта Голливуд фильмдарын уҙып бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, таҫма 19 сентябрҙә башланды, прокат менән Walt Disney шөғөлләнә. Фильмдың касса йыйымы «Һеңлекәш» менән бер көндә старт алған «Тайна печати Драконов», «Комната желаний», «Рэмбо: Последняя кровь», «Вчера» фильмдары йыйымынан артып китте. Уға шулай уҡ августа йәки сентябрь башында прокатҡа сыҡҡан фильмдарға ҡарағанда һорау ҙур. Өфөлә «Һеңлекәш» фильмы прокатта Голливуд фильмдарын уҙып бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, таҫма 19 сентябрҙә башланды, прокат менән Walt Disney шөғөлләнә. Фильмдың касса йыйымы «Һеңлекәш» менән бер көндә старт алған «Тайна печати Драконов», «Комната желаний», «Рэмбо: Последняя кровь», «Вчера» фильмдары йыйымынан артып китте. Уға шулай уҡ августа йәки сентябрь башында прокатҡа сыҡҡан фильмдарға ҡарағанда һорау ҙур. «Фильм шәп бара! Сеансҡа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә килә. Уҡыусылар төркөмөнән тыш, киске сеансты ябай тамашасылар ҙа ҡарай. Фильмдан һуң кешеләр алҡышлай, «рәхмәт» әйтә. «Һеңлекәш» киноға йөрөү рекордын ҡуйҙы. Тәүҙә прокат 2 октябргә тиклем планлаштырылғайны, ләкин хәҙер уны оҙайтырға хәл ителде», — тине «Родина» кинотеатры директоры урынбаҫары Рида Үтәшева. «Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы йылында экранға сыҡты. http://www.bashinform.ru/news/1360746-v-ufe-film-sestryenka-v-prokate-operezhaet-gollivudskie-kartin Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Тәүәтәй ауылында тыуып үҫкән һәләтле яҡташыбыҙ Альбина Муллағолованы “Әлшәй хәбәрҙәрен” уҡыусылар яҡшы белә. Уның шиғырҙары баҫмабыҙҙа ла, интернет селтәрендәге төркөмдәребеҙҙә лә даими баҫылып тора. Автор-башҡарыусы булараҡ та яҡшы билдәле Альбина. Өҫтәүенә дүрт балаға ғүмер биргән һөйөклө әсәй ҙә ул. - Былтырғы йыл мине төрлө яҡлап һынаһа ла, уңыштары менән дә һөйөндөрҙө. Яңы йыл бүләге булып, “Бәхет утрауы” исемле шиғырҙар йыйынтығым баҫылып сыҡты! Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булһа ла, ниһайәт, күптәнге иң ҙур хыялым тормошҡа ашты! Китапты баҫтырыуҙа ярҙам иткән дуҫтарыма, бағыусыларыма ҙур рәхмәт! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Альбина. Бына шундай ул Әлшәй ҡыҙҙары! Афарин, Альбина һылыу! Киләсәктә лә беҙҙе яңынан-яңы шиғырҙарың менән һөйөндөрөп тор, ижади уңыштар һиңә! Фото: социаль селтәрҙәрҙән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев Рәсәй Конституцияһына тѳҙәтмәләр индереүгә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты. - Рәсәй Президенты указы менән 22 апрель Рәсәй Конституцияһына тѳҙәтмәләр индереүҙе хуплау буйынса Бѳтә Рәсәй тауыш биреү һәм ял кѳнѳ тип билдәләнде. Үҙгәрештәр, нигеҙҙә, беҙҙең дәүләттең һәм күп милләтле халыҡтың илһѳйәрлеген һәм милли фекерҙәр берҙәмлеген күтәреүгә йүнәлтелгән. Рәсәй Конституцияһы тексына тел һәм мәҙәниәт тураһындағы мѳһим ѳҫтәмә индерелә. Рәсәй Федерацияһында мәҙәниәткә «уның күп милләтле халҡының үҙенсәлекле мираҫы» статусы бирелә. Аҫаба халыҡтар хоҡуҡтары тураһында статья үҙгәрә. Дәүләт Рәсәй Федерацияһының бѳтә халыҡтарының һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген яҡларға, этномәҙәниәтте һәм тел тѳрлѳлѳгѳн һаулау гарантияланырға тейеш. Рәсәй сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙға уларҙың хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә, уларҙың мәнфәғәтен яҡлай. Ғаилә статусын билдәләүҙә бик әһәмиәтле ѳҫтәмә индерелә. Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау, ир менән ҡатындың берлеге булараҡ никах институтын нығытыу, ғаиләлә баланы лайыҡлы тәрбиәләү ѳсѳн шарттар булдырыу, шулай уҡ бәлиғ булған балаларҙың ата-әсәләрен хәстәрләүе тураһында улар. Дәүләт Думаһының вәкәләттәрен арттырыу буйынса ѳҫтәмәләр бар. Хәҙер Дәүләт Думаһы Рәсәй Хѳкүмәте Рәйесе урынбаҫары һәм федераль министрҙарҙы, Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙе вазифаларға раҫлаясаҡ. Дәүләт Думаһына депутат булып һайланасаҡ кешегә мотлаҡ талаптар билдәләнде. Уға ярашлы, хәҙер сит ил гражданлығы һәм башҡа илдәрҙә оҙаҡ йәшәүгә хоҡуҡ биргән документы булған Рәсәй гражданы Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана алмаясаҡ. Депутаттарға сит илдә банк иҫәбе булдырыу, аҡса һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы сит ил банкттарында һаҡлау ҙа тыйыла. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советын тѳҙѳү буйынса пункт ѳҫтәлә, был иһә Рәсәйҙең эске һәм тышҡы сәйәсәттәге тѳп йүнәлештәрҙе һәм дәүләттең ѳҫтѳнлѳклѳ социаль-иҡтисади үҫеше йүнәлештәрен билдәләү ѳсѳн бѳтә кимәлдәге властар араһында килешеүсәнлекте кѳйләү маҡсатында булдырыла. Урындағы үҙиадара органдары һәм дәүләт власы органдары Рәсәй Федерацияһындағы берҙәм асыҡ власть системаһын сағылдырасаҡ. Халыҡтың мәнфәғәтендә мәсьәләләрҙе һѳҙѳмтәле хәл итеү ѳсѳн урындағы үҙидара органдары тѳбәк һәм федераль кимәлдәге власть менән хеҙмәттәшлек итәсәк, - тине Павел Качкаев. "Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: amur.er.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мәләүездә “Яугир” ойошмаһы йәш быуында илһөйәрлек, рух, тәрбиәләү, мәҙәниәтте һаҡлаусы ойошма булараҡ билдәле. Мәләүездә “Яугир” ойошмаһы йәш быуында илһөйәрлек, рух, тәрбиәләү, мәҙәниәтте һаҡлаусы ойошма булараҡ билдәле. Ул тәүҙә “Башҡорт казактары” тип атала. 2016 йылдан алып “Яугир” тип үҙгәртелә. Спорт, балалар, тарих, мәғариф, карьера, бизнес йүнәлештәре буйынса уңышлы эшләй. Спорт өлкәһендә йыл һайын республика кимәлендә 9-сы гимназияла Кинйә Арыҫланов исемендәге “Көрәш” ярышы үткәрә. Шулай уҡ сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында «Ҡул көрәше”, волейбол буйынса секциялары даими эшләп килә. Ойошма тарафынан икенсе йыл рәттән Ҡотош ауылында Әшрәф Хужәхмәтовҡа арналған спартакиада үтә. Башҡорт теленең һуңғы осорҙа киҫкен хәлдә булыуын иҫәпкә алып, телде һаҡлап ҡалыу саралары күрелә. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен һаҡлап ҡалдырыуҙа ҙур эш алып барыла. Милли эпостарыбыҙ менән бер рәттән илебеҙ тарихы, милләтебеҙ хаҡында төрлө мәҡәләләр, китаптар баҫтырып сығарыу телебеҙҙең киләсәгенә булышлыҡ итер тигән ниәт менән тырышып эшләйҙәр. “Яугир ” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы теленә, иленә битараф булмаған, рухлы һәм дәртле милләттәштәребеҙҙе уртаҡ илһөйәрлек эштәр башҡарырға саҡыра. Ойошма бүлмәһе Октябрь урамы, 4 буйынса урынлашҡан. Белешмәләр өсөн телефон: 89276375558 Ойошманың төп маҡсаты – киләсәк быуында илһөйәрлек тойғоһо, спорт, физик культураға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау, шулай уҡ башҡа милләттәр менән килешеп йәшәү. Төп девизы – “Бергә булайыҡ- берҙәм булайыҡ”. Ойошмаға Радик Салауатов, Дамир Кусекаев, Салауат Кинйәбулатов, Радик Дәүләтшин, Әхмәт Бәҙриев, Ринат Мырҙабулатов, Илшат Әхмәров, Радик Әйүповтар йыш ҡына бағымсы ярҙамы күрһәтә. Әлеге көндә ойошмала 160-тан артыҡ кеше ҫәпләнә. Уны Эдуард Исмәғилев етәкләй. Киң мәғлүмәт саралары өсөн Радик Әйүпов, кадрҙар буйынса Марат Аҙнағолов, иҡтисади эштәргә Илмир Уразинбәтов, спорт сараларын ойоштороуға Айнур Хисаметдинов, Мәғариф һәм Йәштәр сәйәсәте буйынса Ирек Маликов яуаплы. Ойошма быйылғы йылдан яңы офисҡа күскән. Әлеге ваҡытта тренажер залы асыу менән мәшғүлдәр. Яңы идеялар, пландар менән янып йәшәгән «Яугир” ойошмаһы егеттәренә киләсәктә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Республикала “Экология” милли проектына ярашлы урман янғынына ҡаршы көрәш һәм урман тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техника алыу дауам итә. – “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, быйыл урман хужалығына техника һәм ҡорамалдар алыу өсөн 77,1 миллион һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 36,7 миллион һум, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 40,4 миллион һум, – тип билдәләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Мәғлүм булыуынса, быйыл ошо маҡсатта аукциондар уҙғарып, йәғни 14 урман хужалығы техникаһы һәм һигеҙ янғын һүндереү техникаһы, ике трал алыу өсөн бөтәһе 68,9 миллион һумлыҡ 10 дәүләт контракты төҙөлә. Ошо көндәрҙә ике дәүләт контракты буйынса 14 “Беларусь 82.1” һәм “Беларусь 1221” тәгәрмәсле трактор килгән. Республиканың Урман янғыны үҙәгенә ике дәүләт контракты буйынса “ГАЗ-33088” шассиһына ике янғын автоцистернаһы һәм “МАЗ 6430С9” кеүек махсус техника алынған. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан. Автор: Рәмилә Мусина Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбен тамамлағандан һуң Фәнзил киләсәге тураһында айырыуса уйланмай.- Стәрлебаш һөнәрселек-техник училищеһына барам һәм механизаторға уҡыйым, - ти ул ата-әсәһенә.Атаһы Фәрүәз Әбүбәкер улы (үҙе лә механизатор) һәм әсәһе Шәһүрә Миңләхмәт ҡыҙы ҡаршы килмәй.- Ярай, теләгең булғас, шулай булһын. Училищенан һуң Фәнзил армияла хеҙмәт итә. Ауылына ҡайтҡас уға трактор бирәләр. Ер һөрә, сәсә, тырмата, башҡа эштәр менән дә шөғөлләнә. Маҡтайҙар. Әммә һуңынан күңелһеҙ хәл була. Башҡа ерҙәге кеүек үк, урындағы хужалыҡ тарҡала. Ә эшләргә кәрәк. Шунһыҙ булмай. Бер аҙ уйланғандан һуң Ибраҡайға «Заря» йәмғиәтенә эшкә бара. Рәйес Ғафур Ҡорбанғәлиев иғтибарлап тыңлағандан һуң: - Тракторға ултырырһың. Әммә көн дә йөрөп эшләүе ҡыйыныраҡ булыр инде, - ти. - Нимә эшләйһең инде, - тип яуап бирә Ишембәтов. Оҙаҡламай барыһы ла уның үҙ урынын тапҡанын аңлайҙар. Уның тырышлығын һәм эшһөйәрлеген күрәләр. Ҡайҙа эшләһә лә, юғары күрһәткестәргә ирешә. Әлбиттә, бындай кешегә хөрмәт тә арта. Ағымдағы йылды алайыҡ. Сәсеү осоронда ул ҙур өмөттәр бағлаған кешеләрҙең береһе була. Ул өмөттәрҙе аҡлай. Уның агрегаты бик яҡшы, әммә барыбер механизаторҙан ҙур көсөргәнеш талап ителә. Фәнзил 2000 гектарҙа яҙғы культуралар сәсә. Һан бик ҙур. Уның менән бергәләп Рәүеф Ҡотлошин, Игорь Потапов, Әлфир Моратовтар эшләй. Сәсеүҙән һуң хужалыҡ етәксеһе барлыҡ механизаторҙарға тырышып эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерә. Шулай ҙа: - Алда беҙҙе яңы эштәр көтә. Һынатмаҫһығыҙ, тип ышанам, ти. Ысынлап та, йәнә тырышып эшләйҙәр. Пар ерҙәрен эшкәрткәндә Фәнзил, мәҫәлән, йәнә башҡаларҙан айырыла. Һуңынан ужым культураларын сәсеү ваҡыты етә. Ишембәтов был эште шулай уҡ әһәмиәтле майҙанда башҡара. Артабан ерҙе туңға эшкәртеү. Ҙур күләмле эш көтә. Ә ваҡыт бик аҙ була. Был күп көс талап иткән ауыр эш. Шулай ҙа ер һөрөүселәр һынатмай, алты мең гектар майҙанда мөһим агросараларҙы ваҡытында башҡаралар. Фәнзил бында ла ҙур өлөш индерә. Күптән түгел баш агроном Ишембәтовҡа: - Иң алыҫ баҫыуҙарға барып, ерҙе дискыларға кәрәк, - ти. - Нисек кәрәк шулай эшләрбеҙ, - тип яуап бирә Фәнзил. Билдәле сәбәптәр буйынса ул өйөнә һуң ғына ҡайта. Үҙенең шәхси хужалығы тураһында ла уйланып ҡуя. Әммә борсолорға урын юҡ. Ныҡлы, татыу ғаиләһе булыуы күңелен йылыта. Бындай осраҡта әйтелгәнсә - ышаныслы тыл. Ата-әсәләре менән бергәләп йәшәйҙәр. Тормош иптәше Лилиә Ибраһим ҡыҙы урындағы мәктәптә эшләй. Балаларын лайыҡлы тәрбиәләйҙәр. Һигеҙенсе класта белем алған улдары Дим, әйткәндәй, көрәш менән (ваҡытында атаһы кеүек) шөғөлләнә. Үҙенең йәш төркөмөндә ярыштарҙа призлы урындар яулай. Бына шулай мәшәҡәттәр һәм хәстәрлектәр, яҡшыға ынтылыш менән йәшәй Ҡабыҡҡыуыштан егәрле Фәнзил. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Үҙ эшен асырға кем генә хыялланмай. Ләкин ысынбарлыҡта күптәребеҙ, эш хаҡы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ялланып эшләүҙе ҡулай таба. Ай һайын ниндәйҙер күләмдә эш хаҡы алыу, бойондороҡһоҙ булыуҙан ҡәҙерлерәк. Сөнки эшҡыуарлыҡ ул һәр ваҡыт билдәһеҙлек бизмәнендә: бөгөн уңһаң, иртәгә туңырға мөмкин. Эшҡыуарлыҡ - аҡыл һәм күңел көсөргәнешлеген үтә ныҡ талап иткән шөғөл. Нимә булһа ла, яуаплылыҡ һинең өҫтә. Ошоно аңлағандар ғына йүнселлеккә тотоналыр. Үҙ эшен асып ебә-реүселәрҙең береһе Алина ӘБЛӘЕВА хаҡында һүҙем. Алина пермаментлы макияж (биткә татуаж) эшләү салонын етәкләй. Ул өс йыл инде шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Бөгөн хеҙмәтенең емештәре лә бар. Әлбиттә, йәш ҡыҙға былар еңел генә бирелмәй. Әсәһе мәңгелек йортона күскәс, 13 йәшенән Алинаны атаһы һәм өләсәһе ҡарап үҫтерә. Үҫмер ҡыҙ макарон цехында, аҙаҡ кибеттәрҙә иҙән йыуып, аҡса эшләргә өйрәнә. Ҡаланың 16-сы мәктәбендә уҡығанда сәнғәт мәктәбенә лә йөрөп өлгөрә. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ технологиялар һәм Санкт-Петербург технология, моделләштереү һәм ида-ралыҡ технологиялары колледждарында белем ала. 18 йәшендә «Людмила» бөҙрәханаһына парикмахер булып эшкә урынлашҡас та, һәр ваҡыт белемен камиллаштырырға ынтылған ҡыҙ ситтән тороп Ҡаҙан архитектура-төҙөлөш университетына инә. Башҡа бөҙрәханаларҙа ла сәс киҫеү серҙәренә өйрәнә. Шунда бер юлы керпек оҙонайтыу нескәлектәрен дә үҙләштерә.Яйлап үҙенең клиенттары барлыҡҡа килә. Санкт-Петербургка барып, ҡаш, күҙ, иренгә профессиональ кимәлдә татуаж эшләргә, тырнаҡ буярға өйрәнә. Бер нисә йылдан матурлыҡ салонында ҡуртымға бүлмә алып, эшҡыуарлыҡҡа тотона. - Эшемде асып ебәргәндә берәүҙән дә ярҙам көтмә-нем. Аҡсаңды әрәм итеп, юҡ менән булаһың, тип ышанмаусылар ҙа булды. Барыһына ла үҙемдең тырышлығым менән өлгәштем. Әгәр ҙә үҙ һөнәреңде яратмайһың икән, аҡса һуғыу өсөн генә эшҡыуар булып булмай. Иң ҡәҙерлеһе - үҙ ҡулдарың, көсөң менән һөҙөмтәләргә ирешеү. Ваҡытында миңә күп нәмәнән баш тартырға тура килде, кейенмәһәм кейенмәнем, бер ҡайҙа ла сәйәхәт ҡылманым. 11 йыл эсендә күпкә өлгәштем мин. Әлбиттә, элгәре миңә ярҙам итер кеше булһа, барыһына ла алданыраҡ ирешер инем, - ти Алина. Әле уға хәләл ефете ҙур терәк. Сабыр иткән - моратына ирешкән. Булдыҡлы белгес ике йыл элек үҙенең пермаментлы макияж салонын асып ебәрә. Алинаның даими, тоғро клиенттары бар. Влада исемле ҡыҙҙы үҙенә эшкә алған. Алина ҡулланған ҡорамалдар барыһы ла Италиянан алынған. Ҡиммәтле, хәүефһеҙ, сифатлы тауарҙар. Эшһөйәр ҡыҙ үҙен артабан да үҫеш юлында күрә. Яңыраҡ ул Өфөлә пермаментлы макияж яһау үҙәгендә курстарҙа уҡып, халыҡ-ара класлы мастер исеменә лайыҡ була. Әле «Алтын бал ҡорто» Рәсәй конкурсына әҙерләнә. Бөгөн капитал юҡлығы үҙ эшеңде башлап ебәреүгә тотҡарлыҡ түгел. Ә халыҡтың күпселеге ундай яуаплылыҡтан ҡурҡа. Йәштәр араһында Алина кеүек тырыш, ныҡышмалдар күп булһын ине.
Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромының төп трибунаһында ойошторолған «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһе быйыл да халыҡты байтаҡ йыйҙы. Унда ҡатнашыусыларҙың да, күргәҙмәне күрергә килеүселәрҙең дә күп булыуы аңлашыла – йәрминкә мәртәбәле һәм ул төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Был сарала ҡаланың эре төҙөлөш компаниялары, күсемһеҙ милек өлкәһе эксперттары, банкылар, страховкалау һәм инвестиция компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромының төп трибунаһында ойошторолған «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһе быйыл да халыҡты байтаҡ йыйҙы. Унда ҡатнашыусыларҙың да, күргәҙмәне күрергә килеүселәрҙең дә күп булыуы аңлашыла – йәрминкә мәртәбәле һәм ул төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Был сарала ҡаланың эре төҙөлөш компаниялары, күсемһеҙ милек өлкәһе эксперттары, банкылар, страховкалау һәм инвестиция компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Шуныһы ла бар – «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһе төрлө экспозициялар менән генә сығыш яһамай. Унда «Финанс йәрминкәһе», «Файҙаланылмаған майҙандар йәрминкәһе», «Сит илдәге күсемһеҙ милек салоны», «Шәхси иғландар стенды» кеүек проекттар ҙа тормошҡа ашырыла. Ә иң мөһиме – күсемһеҙ милек тармағын ҡыҙыҡһындырған, көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе ҡараусы семинарҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр ҙә уҙғарылды. – Күргәҙмә бөтә граждандар өсөн дә төҙөлөш ойошмалары тураһындағы мәғлүмәтте асыуы менән көнүҙәк, – тине «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһен тантаналы асыуҙа ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов. – Бында республикала ошо өлкәлә күрһәтелгән хеҙмәттәр, торлаҡ баҙарының тәҡдимдәре менән танышырға, төҙөүселәргә туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкин. «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһенең эшлекле программаһы ла бик бай булды. Иң тәүҙә унда «Башҡортостан Республикаһында аҙ ҡатлы йорттар төҙөү» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда был йорттар­ҙы төҙөүҙең перспективалары, ҡайҙа урынлашасағы, кемдәр йәшәйәсәге кеүек ҡыҙыҡлы мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ семинарҙарҙа, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә күсемһеҙ милек тармағында хәүефһеҙ килешеүҙәр төҙөү, сит илдәрҙә йорттар һатып алыуҙың юлдары, перспективалары, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау проблемалары ла ҡаралды. Ипотека, торлаҡҡа эйә булыу­ҙың юлдары, йорт төҙөү өсөн ер алыу мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы. «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» XV күргәҙмә-йәрминкәһен асыуҙа ҡатнашыусы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов экспоненттарҙың күп төрлө булыуына баҫым яһаны. Күргәҙмәлә күрһәтелгән архитектура проекттары тотош республикаға ла, айырым төҙөүселәргә лә иҫәпләнгән. Яҡын киләсәктә ошондай уҡ күргәҙмә-йәрминкәләрҙе республиканың башҡа ҡалаларында ла ойошторорға ниәтләйҙәр.
Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Фән” милли проекты яңы тикшеренеүҙәр үткәреү, асыштар яһау йәһәтенән ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә. Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Фән” милли проекты яңы тикшеренеүҙәр үткәреү, асыштар яһау йәһәтенән ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә. – “Фән” милли проекты үҙенә күрә трамплин ролен үтәй, – тип һөйләй фән кандидаты Әсләм Тоҡомбәтов. – Уның нигеҙендә эҙләнеү эштәрен алып бараһың һәм тикшеренеү менән шөғөлләнәһең. Был йәһәттән ярайһы уҡ ҙур сығымдар бүленә. Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, яңынан-яңы тикшеренеү эштәренә тотоноу Рәсәй фәнен алға ебәреүгә һис шикһеҙ булышлыҡ итәсәк. "Фән" милли проекты киләһе биш йылда алдынғы фәнни базаларҙа Рәсәй ғалимдарының хеҙмәттәрен баҫыуҙы арттырыуҙы, йәш ғалимдар сафын ишәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ Рәсәй дәүләте фәндең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ТОП-5 исемлегенә инергә тейеш, тигән бурыс та ҡуйыла. Был башланғыстар өсөн бюджеттан тыш секторҙан бүленгән матди ярҙамды 50 процентҡаса арттырыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ илебеҙ етәкселеге ғилем юлына баҫҡан өмөтлө йәштәрҙе үҙебеҙгә йәлеп итеү, йәғни Рәсәйҙә эшкә ҡалдырыу йәһәтенән дә маҡсатлы эштәр алып бара. Фото: bashinform.ru "Башҡортостан" гәзитенән. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Һуңғы осорҙа халыҡ араһында Ҡырмыҫҡалы ауылындағы С.М.Чугункин исемендәге мәктәпте яңылыҡ уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен генә түгел, бөтә район халҡын борсоуға һалды. 100 йыллыҡ тарихы булған белем усағының артабанғы яҙымышы тураһында район хакимиәте башлығы Ә.Ф.Сабиров һөйләне. Ысынлап та, 1959 йылда район үҙәгендә төҙөлгән беренсе мәктәп менән хәтирәләр генә түгел, күпме кеше тормошо һәм яҙмышы бәйләнгән. Уның өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн байтаҡ кешеләр күп тырышлыҡ һәм хеҙмәт һалған. - Үҙем ошо мәктәпте тамамланым, етәксе булараҡ та хеҙмәт эшмәкәрлегем нәҡ бында башланды. Шуға күрә уның яҙмышы минең өсөн дә бик ҡәҙерле. Ләкин ваҡыт кешене лә, биналарҙы ла йәлләмәйенсә, алға табан бара. Әле лә бина емерелә башланы. Һуңғы йылдарҙа мәктәптең ашханаһын яптыҡ, ләкин һуңғы арала спорт залында һәм башҡа кабинеттарҙа ла стена ярыҡтары барлыҡҡа килде. 2018 йылда бинаның торошона экспертиза үткәрелде һәм уға ярашлы, хәлде яҡшыртыу өсөн ремонт эштәре үткәрелде. Ләкин, был осор эсендә бинаның торошо бик насарланды. Тағы бер экспертиза үткәрелгәндән һуң бина авария хәлендә тип таныла. Емерелеү ҡурҡынысы янау сәбәпле, балаларҙы һаҡлау маҡсатында ауыр, әлкин дөрөҫ ҡарар ҡабул ителде – мәктәпте ябырға тура килде, - ти Әлфир Фәрхәт улы. Бөгөн С.М.Чугункин исемендәге мәктәп уҡыусыларын район үҙәгенең башҡа мәктәптәренә урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Улар үҙ уҡытыусылары менән икенсе сменала уҡыясаҡ. С.М.Чугункин исемендәге мәктәпкә беренсе класҡа төшөү тураһында ғариза яҙыусылар 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенә уҡырға барасаҡ һәм беренсе сменала уҡыясаҡ. Район үҙәгенә тағы бе мәғриф учреждениеһы талап ителә. Әлеге ваҡытта бер түбә аҫтында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән бергә 640 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөү эштәрен үткәреү буйынса проект-смета документацияһын төҙөү раҫланған. Төҙөлөш эштәре ағымдағы йылда башланыр, тип ышанабыҙ. Мәктәп төҙөү өсөн урын бер нисә йыл элек Ҡырмыҫҡалы ауылының генпланын төҙөгәндә үк һайланған була. Шулай итеп яңы мәктәп Көнбайыш урамында буласаҡ. БР Дәүләт төҙөлөшө ҡарамағындағы эксперт советы заявкаларҙы артабан ҡарау өсөн республика Мәғариф министрлығына район хакимиәте тарафынан барлыҡ кәрәкле техник документация ебәрелгән. Уның һөҙөмтәләре буйынса бирелә торған рәсми яуап көтәбеҙ. Р.S. С.М.Чугункин исемендәге мәктәп бинаһы һәм уның биләмәһе менән артабан нимә буласағы тураһындағы мәсьәлә күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә был ерҙәрҙә карст бушлығы булыуы ихтимал. Шуға күрә бында ниндәйҙер яңы бина төҙөү өсөн тәүҙә тейешле геологик тикшереүҙәр үткәрергә кәрәк. Кәм тигәндә, мәктәп урынында комплекслы спорт биләмәһе барлыҡҡа киләсәк. Наҙгөл БАЙРАМОВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Өфөлә быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 29 участка – барыһы 48 саҡрым оҙонлоғонда юл төҙөкләндереү планлаштырыла. Айырыуса ҙур төҙөлөш эштәре түбәндәге урамдарҙа ҡаралған: 2019 – 2021 йылдарҙа Комсомол һәм 8 Март урамдарын реконструкциялау, 2019 – 2020 йылдарҙа Мостай Кәрим урамында капиталь ремонт, 2019 – 2020 йылдарҙа Баландин бульвары һәм Валерий Лесунов урамдарын төҙөү ниәтләнә. Был эштәрҙең һөҙөмтәһен һәр кем тоясаҡ, тиҙәр Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының төп маҡсаттары – юлдарҙа хәүефле участкаларҙы, юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, нормаға ярашлы автомобиль юлдарын арттырыу. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса алты йылға иҫәпләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә “Өфө – Шаҡша” юлында ҙур эштәр бара. Әлеге мәлдә юлдың машина йөрөй торған өлөшөнөң яртыһында фрезерлау башҡарылған, юлдың өҫтө кварц ҡомо менән таҙартылған. Гидроизоляция, юл кәртәләрен ҡуйыу бара. 32 люк, ямғыр үткәреүсе рәшәткәле 4 суйын люк урынлаштырыу планлаштырылған. 8500 квадрат метр майҙанға 1040 тонна асфальт-бетон һалынасаҡ. Перспектива урамында ремонт эштәре 2019 йылдың 30 сентябренә тиклем барасаҡ. Уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү маҡсатында ҡайһы бер эштәр төндә, ял һәм байрам көндәрендә башҡарыла. Өфөлөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға аңлап ҡарауҙарын, барасаҡ юлды алдан уйлап, мөмкинлек булғанда, альтернатив юлдарҙы ҡулланыуҙарын һорайҙар. Барыһы ла беҙҙең хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ өсөн эшләнә бит. #ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
БР буйынса Рәсәй суд приставтары хеҙмәте идаралығы йыл башынан ҡаҙнаны 3,8 миллиард һумға тулыландырҙы, шул иҫәптән 2,5 миллиард һумлыҡ һалымдарҙы түләттерҙе. БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бурыстарҙы түләтеү йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Бындай категориялағы бурыстарҙы ҡайтартыуҙа законда ҡаралған төрлө алымдар ҡулланыла. Улар араһында бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һалыу һәм уны һатыу, бурыслының эш хаҡынан һәм башҡа килемдәренән тотоп ҡалыу, күсемле һәм күсемһеҙ милекте теркәүҙе тыйыу, транспорт сараһы менән идара итеү, шулай уҡ сит илдәргә сығыу хоҡуғын сикләү. БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының структура бүлектәрендә суд приставтары – башҡарыусылар иңендә һалым, страховка иғәнәләре, башҡа йыйыуҙар буйынса 156 мең башҡарыу производствоһы иҫәпләнә. 10 көн дауамында суд приставтары- башҡарыусылары тарафынан ошо йүнәлештәге 102 мең башҡарыу производствоһы ябылды. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһына 2,5 миллиард һум аҡса ҡайтарылды. Әтергә кәрәк, был сумманың 1 миллиард һумын бурыслылар үҙ ирке менән түләне. 6515 бурыс түләмәүсенең килеме асыҡланды һәм уларҙың эш хаҡынан йәки башҡа килеменән тотоп ҡалыу өсөн 142 миллион һумлыҡ башҡарыу документтарының күсермәләре ойошмаларға ебәрелде. Йәнә 1459 башҡарыу производствоһы сиктәрендә суд приставтары идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1,2 миллиард һумлыҡ мөлкәткә арест һалынды. Шулай уҡ административ тәьҫир итеү саралары ла әүҙем ҡулланылды. “Суд приставының законлы эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн” өс бурыслыға ҡарата административ протокол төҙөлдө һәм уларға ярашлы әлегәсә булған бурыстарына өҫтәлмә рәүештә уларға штраф билдәләнде.Физик һәм юридик шәхестәрҙең һалым, страховка иғәнәләре буйынса бурыстарын кәметеү йәһәтенән БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының Архангелдәге бүлеге, Федераль һалым хеҙмәте һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бергәләп бурыстарҙы түләтеү буйынса рейдтарға сыҡты. Уларҙаң маҡсаты барлыҡҡа килгән бурыстарҙы түләүгә ҡушыу ғына түгел, граждандарға ваҡытында һалым бурысын түләмәүҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен күрһәтеү.Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө мәжбүр итеү саралары ҡулланылмаһын өсөн бурыстарығыҙҙы үҙ мәлендә түләп барыу зарур. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: вәкәләттең рәсми сайты http://r02.fssprus.ru ярҙамында һәр граждан үҙенең һәм яҡындарының бурысы бармы-юҡмы икәнлекте тикшерә ала һәм булған осраҡта электрон системалар аша уларҙан ваҡытында ҡотолорға мөмкин.Нурзилә Шәрипҡолова,бүлек начальнигы- өлкән суд приставы урынбаҫары. БР буйынса Рәсәй суд приставтары хеҙмәте идаралығы йыл башынан ҡаҙнаны 3,8 миллиард һумға тулыландырҙы, шул иҫәптән 2,5 миллиард һумлыҡ һалымдарҙы түләттерҙе. БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса бурыстарҙы түләтеү йәһәтенән әүҙем эш алып бара. Бындай категориялағы бурыстарҙы ҡайтартыуҙа законда ҡаралған төрлө алымдар ҡулланыла. Улар араһында бурыслыларҙың мөлкәтенә арест һалыу һәм уны һатыу, бурыслының эш хаҡынан һәм башҡа килемдәренән тотоп ҡалыу, күсемле һәм күсемһеҙ милекте теркәүҙе тыйыу, транспорт сараһы менән идара итеү, шулай уҡ сит илдәргә сығыу хоҡуғын сикләү. БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының структура бүлектәрендә суд приставтары – башҡарыусылар иңендә һалым, страховка иғәнәләре, башҡа йыйыуҙар буйынса 156 мең башҡарыу производствоһы иҫәпләнә. 10 көн дауамында суд приставтары- башҡарыусылары тарафынан ошо йүнәлештәге 102 мең башҡарыу производствоһы ябылды. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһына 2,5 миллиард һум аҡса ҡайтарылды. Әтергә кәрәк, был сумманың 1 миллиард һумын бурыслылар үҙ ирке менән түләне. 6515 бурыс түләмәүсенең килеме асыҡланды һәм уларҙың эш хаҡынан йәки башҡа килеменән тотоп ҡалыу өсөн 142 миллион һумлыҡ башҡарыу документтарының күсермәләре ойошмаларға ебәрелде. Йәнә 1459 башҡарыу производствоһы сиктәрендә суд приставтары идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1,2 миллиард һумлыҡ мөлкәткә арест һалынды. Шулай уҡ административ тәьҫир итеү саралары ла әүҙем ҡулланылды. “Суд приставының законлы эшмәкәрлегенә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн” өс бурыслыға ҡарата административ протокол төҙөлдө һәм уларға ярашлы әлегәсә булған бурыстарына өҫтәлмә рәүештә уларға штраф билдәләнде. Физик һәм юридик шәхестәрҙең һалым, страховка иғәнәләре буйынса бурыстарын кәметеү йәһәтенән БР буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының Архангелдәге бүлеге, Федераль һалым хеҙмәте һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бергәләп бурыстарҙы түләтеү буйынса рейдтарға сыҡты. Уларҙаң маҡсаты барлыҡҡа килгән бурыстарҙы түләүгә ҡушыу ғына түгел, граждандарға ваҡытында һалым бурысын түләмәүҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүен күрһәтеү. Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө мәжбүр итеү саралары ҡулланылмаһын өсөн бурыстарығыҙҙы үҙ мәлендә түләп барыу зарур. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: вәкәләттең рәсми сайты http://r02.fssprus.ru ярҙамында һәр граждан үҙенең һәм яҡындарының бурысы бармы-юҡмы икәнлекте тикшерә ала һәм булған осраҡта электрон системалар аша уларҙан ваҡытында ҡотолорға мөмкин. Нурзилә Шәрипҡолова, бүлек начальнигы- өлкән суд приставы урынбаҫары. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Инйәр" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации
Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүгә ихтыяж тыуғас, республикабыҙ булышлыҡ итеү теләген белдерҙе. Унда әлегә тиклем медицина хеҙмәткәрҙәренең ике бригадаһы эшләне лә инде. – Бөгөн беҙ өсөнсө бригаданы оҙатабыҙ, унда бөтәһе 50-нән ашыу белгес эшләне, бөгөн йәнә 14 табип юллана. Икенсе бригаданан медицина хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө тағы ла бер сменаға ҡалырға теләк белдерҙе. 20 табип Красный Луч халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүен дауам итәсәк, – тине министрҙың беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова. Бөгөн Донбассҡа оҙатылған 13 гуманитар ылау менән бергә республиканың 14 медицина хеҙмәткәре юлланды, улар иҫәбендә – фельдшерҙар, табип-травматолог, невролог, кардиолог, диагностика буйынса белгестәр һәм башҡалар. – Беҙҙең табиптар ҡала халҡына медицина ярҙамы кәрәклеген яҡшы аңлай – тип һүҙен дауам итте Гөлнара Зиннурова. – Өсөнсө бригада халыҡтың белгестәргә ихтыяжынан сығып төҙөлдө. Луганск Республикаһы халҡына сәләмәтлек һәм сәскә атыу теләйем. Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Автор:Лилия Давлетбакова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Башҡортостан Башлығы 6 апрелдә сәғәт иртәнге 10-да тәүге дәресте үҙе үткәрәсәге тураһында белдергәйне. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры Айбулат Хажин белем усаҡтарында дистанцион уҡыу башланыуы тураһында брифинг үткәреп, күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Әле республикала бөтәһе 1 мең 318 белем усағында 500 меңләп уҡыусы иҫәпләнә. Республиканың бөтә педагогтары ла дистанцион белем биреү буйынса белемен камиллаштырған. Уҡыусыларҙың да мөмкинлектәре иҫәпкә алынған. Кемдең өйөндә етерлек тиҙлекле компьютер бар, онлайн уҡыясаҡ. Дәрестәр 30 минут дауам итә. Кемдәр смартфон аша ғына аралаша ала, эштәр электрон почта, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар аша бирелә. Әйтергә кәрәк, уҡытыусылар ҙа өйҙәрендә ултырып эшләй. Республикала интернетһыҙ 93 мәктәп бар. Уларҙа балалар һаны ла аҙ. Был уҡыусылар ҙа белем алыуҙан мәхрүм ҡалмай, әлбиттә. Дежур уҡытыусы мәктәп автобусы менән өйҙәренә ҡағыҙ вариантта эштәрҙе таратасаҡ. Башланғыс синыфтар өсөн 15 баланан торған төркөмдәр асыу тураһында ла һүҙ булды. Улар һәр мәктәптә булмаясаҡ. Белеүегеҙсә, был коронавирус пандемияһы осоронда эшләргә мәжбүр булған атай-әҫәрҙәрҙең балалары өсөн генә. Өлкәндәргә үҙизоляция осоронда улдары һәм ҡыҙҙарының туҡланыуына, һаулығына иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Өфөләге "ВДНХ-Экспо" күргәҙмәләр комплексында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXX "АгроКомплекс" махсуслаштырылған күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Йыл һайын үткәрелгән киң масштаблы экспозиция Агросәнәғәт форумы сиктәрендә ойошторолдо. Уның эшендә Рәсәйҙең 30 төбәгенән 350-гә яҡын компания ҡатнаша. Тәүге тапҡыр күргәҙмәлә Ҡалмыҡ Республикаһы, Воронеж, Һарытау өлкәләре үҙҙәренең коллектив стендтарын тәҡдим итте. Күргәҙмә йүнәлештәренең береһе булып "Фермер хужалыҡтары тауарҙары" тора. Ул урындағы фермерҙарҙың һәм ауыл хужалығы кооперативтарының, Башҡортостандың алдынғы компанияларының тауарҙарын берләштерә. "АгроКомплекс" махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә республика башлығы Радий Хәбиров Ҡалтасы районының "Победа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк-тауар фермаһының беренсе сиратын файҙаланыуға тапшырыуҙа ла ҡатнашты. Ферманы асыу тантанаһы тура эфирҙа телекүпер рәүешендә алып барылды. Яңы малсылыҡ комплексы 1200 баш һыйыр малына иҫәпләнгән. Бында бөтә эштәр автоматлаштырылып, кеше хеҙмәте күпкә еңелләштерелгән. Агрохолдингтың инвестиция проекты киләсәктә биш мең башҡа иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһы төҙөүҙе, сырҙың бер нисә ҡаты төрөн етештергән завод асыуҙы, Ҡалтасы, Яңауыл райондарында һөт эшкәртеү предприятиеларын модернизациялауҙы күҙаллай. Йылына 36 мең тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған комплексҡа һалынасаҡ дөйөм инвестиция күләме 2,3 миллиард һум тәшкил итәсәк. Киләсәктә 170 яңы эш урыны булдырыу ҡарала. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәктә бындай агрохолдингтар төҙөү "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү", "Һанлы иҡтисад" милли проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото: glavarb.ru Автор: Самат Ғәлин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
17 һәм 18 декабрҙә Өфөлә III «Аманат» башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы ойошторола. Бәйге ҡыллы номинациялар — думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ өсөн генә уҙғарыла. «Был көнүҙәк — тап ошо ҡоралдарҙа башҡарыуҙы үҫтереү кимәлен асыҡларға, шулай уҡ уларҙы танылыу яулаған ҡурай һәм ҡумыҙ менән бер рәттән үҫтерергә кәрәк. Бала тыуа икән, ул үҫергә тейеш, тиҙәр башҡорттар. Бында ла шулай — думбыраны һәм ҡыл-ҡумыҙҙы сәнғәт училищеһында һәм институтында 90-сы йылдарҙан башлап өйрәнәләр, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, оҫта инструменталистар, тәжрибәле уҡытыусылар бар. Конкурс уҙғарырға ла ваҡыт етте», — тип үҙенең фекерҙәре менән бүлешә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Азат Айытҡолов. Конкурста балалар музыка мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары, балалар ижад йорттары һәм урта дөйөм белем биреү мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре, музыка колледжы, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнаша. Филармонияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 17 декабрҙә З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының Камера залында конкурс жюрийы ағзаларының оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ студенттар һәм ҡаланың музыка йәмәғәтселеге өсөн ижади осрашыу-концерт була. Конкурс тыңлауҙары 18 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 5-кә тиклем Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа. Киске сәғәт 7-лә — «Аманат» лауреаттары һәм дипломанттарының, шулай уҡ музыка байрамы ҡунаҡтарының гала-концерты. Музыкаль бәйгене ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Ҡурайсылар союзы. http://www.bashinform.ru/news/1244662-azat-aitkulov-bashkirskie-dumbyru-i-kyl-kubyz-neobkhodimo-prodvigat-naryadu-s-kuraem/ Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Бөгөн үҫешкә, уңышҡа, маҡсатына ынтылған йәштәр өсөн шарттар бихисап, юлдар асыҡ. Ошо мөмкинлектәрҙән дөрөҫ файҙалана белгән, заман менән йәнәш атлаған ҡыйыу, дәртле ҡыҙҙар, егеттәр арабыҙҙа етерлек. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡтағы филиалында “Яңы тулҡын-2019” йәштәр мәғариф форумы үтте. Сараны район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ойошторҙо. Форумда 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Уңышлы булыу серҙәре, маҡсатҡа ынтылыу юлдары, ирекмәндәр хәрәкәте эше, үҙ кәсебеңде асыу, проект төҙөү һәм уны тормошҡа ашырыу һ.б. хаҡында фекер алышыу ойошторолдо. Спикерҙар булып Тимур Ғәҙелшин, Ильяс Ҡасҡынов, Эльвира Муҡаева, Айнур Әфләтунов һәм башҡалар сығыш яһаны. Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Заһит Ғүмәров белдереүенсә, бындай форумдар йәштәр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ни өсөн тигәндә, мәғариф учреждениеларында шәхестең үҫешенә йоғонто яһарлыҡ, команда менән бергә эш итергә өйрәткән белем нигеҙҙәре бирелмәй. Бер-берең менән аралашмай, тик үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау алға этәргес бирмәй. Йәштәр форумдан бик ҡәнәғәт ҡалды, үҙ-ара киң аралашты, яңы дуҫтар тапты. “Яңы тулҡын” киләсәктә үҙ ярын табыр, тормош диңгеҙендә аҙашмаҫ, яңы бейеклектәргә үрләр тигән ышаныста ойоштороусылар.https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Ya-i-tul-in-tormosh-di-ge-end-a-ashma-20685/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Кесерткән – витаминдар сығанағы, уның составында файҙалы матдәләр бар. Кесерткән тирене йәшәртергә, уны файҙалы матдәләргә байытырға һәләтле. есерткән – витаминдар сығанағы, уның составында файҙалы матдәләр бар. Кесерткән тирене йәшәртергә, уны файҙалы матдәләргә байытырға һәләтле. Нормаль тире өсөн бындай битлек яһайҙар: 1-әр аш ҡалағы ваҡланған кесерткән, йылы һөт һәм 1 йомортҡа һарыһы алалар. Кесерткәнде һөткә һалып 10 минут тоталар. Йомортҡа һарыһын өҫтәп болғаталар һәм бит, муйын тиреһенә һөртәләр. 20 минуттан йылы һыу менән йыуып төшөрәләр. Битлек тирене туҡландыра, йомшарта. Тире ҡоро булғанда, 1-әр аш ҡалағы ваҡланған кесерткән япрағы, петрушка, 1 сәй ҡалағы һөт һалып болғаталар. Ҡатнашманы биткә һөртөп, өҫтөнә салфетка һәм һөлгө ҡаплайҙар. 20 минуттан башта – йылы, аҙаҡ һалҡын һыу менән йыуып төшөрәләр. Ҡатнашма битте дымландыра, бер аҙ ағарта һәм тирене витаминдарға байыта. Һулыған тире өсөн. 1-әр аш ҡалағы ваҡланған кесерткән һәм бал алып болғаталар һәм бит, муйын тиреһенә һөртәләр. 20 минуттан һалҡын һыу менән йыуып төшөрәләр. Ҡатнашма битте туҡландыра, дымландыра, ваҡ йыйырсыҡтарҙы бөтөрә. Күп халыҡтарҙа кесерткәндең йәш ботаҡтарын аҙыҡҡа ҡулланалар, уларҙан йәшел щи бик тәмле була. Бигерәк тә Кавказ халыҡтарында кесерткәндән тәмле милли аштар әҙерләү киң таралған. Кесерткәндең япраҡтарынан аҙыҡ һәм фармацевтика продукттары өсөн зарарһыҙ йәшел буяғыс, ә һабағынан туҡыма өсөн сүс алалар. Уны шулай уҡ медицинала, косметологияла файҙаланалар. Фото:Pixabay.com Автор: Самат Ғәлин https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kesertk-nde-fay-a-in-k-r-388943/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Күмәртәләп һатҡанда, балдың бер килограмы 370 һумға төшә. Тимәк, ваҡлап һатыу хаҡы — 500 һум. Әгәр 500 һумдан арзаныраҡ икән, был башҡорт балы түгел... Башҡорт балын нисек айырырға? Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә ОТР телеканалының тура эфирында республика хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһаны. "Ижтимағи электрон гәзит" хәбәр итеүенсә, министр бал ярата. Тәбиғи башҡорт балы ҡиммәт торорға тейеш, уның юғары хаҡы — сифат билдәһе, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. — Башҡортостанда тәбиғи бал етештерелә, өҫтәмәләр ҡушылмай. Был ҡиммәтле продукт, ул арзан була алмай. Ул бик файҙалы һәм тәмле. Быйыл республикала ете мең тоннаға яҡын тауар балы етештерелгән. Бөтәһе 14 мең тонна етештерәбеҙ, яртыһын бал ҡорттары үҙҙәренә, ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра. Күмәртәләп һатҡанда, балдың бер килограмы 370 һумға төшә. Тимәк, ваҡлап һатыу хаҡы — 500 һум. Әгәр 500 һумдан арзаныраҡ икән, был башҡорт балы түгел.
Мөхәббәт өсөн сиктәр юҡ. Быны Октябрьский ҡалаһындағы ҡарттар һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән интернатта гөрләп үткән туйҙар раҫлай. Бер юлы өс парҙың сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар итеүен башҡалар ҙа хуплаған. Интернат бер мәлгә Никах йортона әүерелде. Өйләнешеүселәрҙең һәр береһенең тетрәндергес яҙмышы, ҡатмарлы ғүмер юлы, уй-кисерештәре, танышыу тарихы бар. Мендельсон маршы һәм һибелгән сәскә таждары аҫтында улар бер-береһенә тоғролоҡ анты бирҙе. Рево Иманғолов Әлфиә Кочетковаға арнаған шиғырҙарын бүләк итте. Ир быға тиклем өйләнгән булған, ҡатыны менән ошо интернатта йәшәгән. Хәләл ефете 2,5 йыл элек вафат булған һәм үлем алдынан әхирәтенә ирен яңғыҙ ҡалдырмауын үтенгән, тип һөйләйҙәр. Рима Мөхәмәтшина һәм Владимир Перелыгин паркта ял иткәндә таныша. Бер ни тиклем дуҫлашып йөрөгәндән һуң үҙҙәрен күп нимә бәйләгәнен аңлай һәм улар өйләнешергә ҡарар итә. Ә Сергей һәм Александраның мөхәббәт тарихы сериалдарға торошло. Сергей тәүҙә Яңауыл интернатында йәшәгән, республика конкурстарының береһендә Александра менән танышҡан. Алыҫтан тороп булһа ла, йәштәр аралаша, бәйләнеште өҙмәй. Ир үҙен Октябрьскийға күсереүҙе һорап, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Ниһайәт, хәҙер улар бергә. Никахҡа инеүселәрҙе ҡотларға бөтә интернат халҡы, хеҙмәткәрҙәр йыйылды. Хәйер, бындай байрамдар һирәк түгел, һуңғы 12 йылда 14 туй үткәрелгән. “Тәрбиәләнеүселәребеҙ бәхетле булһа, бөтәбеҙ ҙә бәхетле һәм ҡәнәғәт”,– ти интернат-йорт директоры Зәлиә Баһауетдинова. Өйләненешеүсе парҙарҙың айырым бүлмәләре бар. Мөмкинлек килеп сыҡҡанда, Сергей һәм Александраның интернаттан китеп, үҙаллы йәшәүе лә ихтимал. Оҙаҡламай бында тағы ла ике пар яҙмыштарын бергә бәйләргә уйлай, тантаналар буласаҡ әле... Фото: BashNews Мөхәббәткә ҡартлыҡ ҡамасауламай... Автор:Дина Арсланова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың 49 медицина ойошмаһы 789 планшет алған. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың 49 медицина ойошмаһы 789 планшет алған. Улар терапевтарға һәм педиатрҙарға, табип бригадаларына саҡырыуҙарҙы йортта хеҙмәтләндергәндә, учреждениенан ситкә сығып эшләгәндә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. Планшеттар берҙәм һанлы контурға тоташтырыла һәм табиптың “Башҡортостан Республикаһының Медицина мәғлүмәти-аналитик системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһындағы эш урыны менән мобиль бәйләнештә була. Был пациенттарҙың электрон медицина карталарын тултырыу, табиптарға дистанцияла яҙылыу, телемедицина консультациялары үткәреү, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон формала ебәреү мөмкинлектәрен бирә. Заман талаптарына яуап биргән планшет компьютерҙары мәғлүмәтте һаҡлау саралары менән тулыһынса тәьмин ителгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Һыуытҡыста сәйер генә ҡара нәмәне күреп, аптырап ҡәйнәмдән һорайым: – Был нимә ул? – Ҡара һағыҙ. Тәмләп ҡара әле. Һин, йәш кеше, бәлки, күргәнең дә юҡтыр, беҙ иһә шуны сәйнәп үҫтек. – Беләм ҡара һағыҙҙы, бәләкәй саҡ­та ишек башынан алып бирә торғайны­лар. Тик шул замандарҙан бирле (минең дә бала сағым күптән артта ҡалған инде...) уны бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Ҡайҙан таптың уны, инәй? – Беҙҙең ауыл баҙарында ҡош һөтө генә юҡ, килен! – тип яуаплай ҡәйнәм шаяртыу ҡатыш. – Зәйтүнә исемле апайың ҡайната ҡара һағыҙҙы. Бик ҡыҙыҡһынһаң, таныштырырмын үҙеңде. Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге бул­ған Сәйетбабала халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын тергеҙеүгә күп көс һалын­ғанын, оҫталарҙың күбеһен танып-күреп белһәм дә, быныһы минең өсөн яңылыҡ ине. Ҡәйнәм Флүрә Гәрәй ҡыҙы буш вәғәҙәләр биреүселәрҙән түгел. Яйын табып, йәйен ялға ҡайтҡанда һағыҙ ҡайнатыусыны күрергә юлландыҡ. Зәйтүнә апай Сираева иң тәүҙә беҙ ҡыҙыҡһынған ҡара һағыҙҙы килтереп сығарҙы. – Май айыныҡы, иң шифалыһы, татып ҡарағыҙ әле, – тип беҙгә һондо. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: – Май айындағы һәр нәмә дарыу ғына була ул. Үлән-япраҡтар тиртеп сығып, бар тирә-яҡ йәшәү көсө менән һуғарылған саҡ бит ул. Шул үләндәрҙе ашаған малдың ҡатыҡ-ҡорото, ҡаймаҡ-майы ла сихәтле. Зәйтүнә Хатип ҡыҙы туҙ һағыҙы ҡайнатыу менән егерме йыллап шөғөлләнә икән. «Нәрисә ҡыҙым йәшләй генә һә­ләк булып ҡалды. Балалары Гөлназ менән Мәзит мәктәпкә лә төшмәгән ине әле, үҙебеҙ тәрбиәләнек», – тип иҫләп китте ул. Бер көн ейәнсәре йүгереп килеп инә лә: – Өләсәй, шул-шул әбейҙе беләһеңме? – тип һорай. – Беләм, нимәгә ул һиңә? – Ул һағыҙ һата икән, йомортҡа алып барғанға бирә. – Йомортҡа түгел, бына аҡса, үҙең барып ал. – Мин уның ҡайҙа йәшәгәнен белмәйем бит, әйҙә һин дә минең менән, – тип иркәләнә ҡыҙыҡай. – Тел белә ул, ҡыҙым, аҙаштырмаҫ, – ти өләсәһе. Һорашып таба кәрәкле өйҙө кескәй Гөлназ, алып ҡайта һағыҙҙы. Уны күреп, өләсәһе лә бала сағына ҡайтҡандай була, шул саҡтағы тәмде ҡайтарырға теләп, һағыҙҙы ауыҙына ала. Тик танһығы ҡанмай, тәме лә башҡасараҡ тойола. Шул саҡ әсәһе ҡайнатҡан һағыҙҙың тәмен эргәһендә йүгереп йөрөгән ейәндәренә лә татытҡыһы килә һәм уны үҙе ҡайнатырға тәүәккәлләй. Әсәһенең нисек эшләгәнен иҫләй бит, һәр хәрәкәте күҙ алдында... Тәүге ҡоймаҡ төйөрлөрәк була, өй ҡап-ҡара төтөнгә бата. Икенсегә Зәйтүнә апай эш урынын тышта әҙерләй, барыһы ла үҙе теләгәнсә генә килеп сыға. Ул балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ! Шулай, ейәндәрен ҡыуандырам, тип һағыҙ ҡайната торғас, бөтөнләй оҫтарып, һағыҙсыға әйләнеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала Зәйтүнә апай. Ыҫ еҫе сығып торған ҡара һағыҙҙың тәмле генә түгел, файҙалы ла икәнен үҙе татып белә ул. «Туҙ һағыҙы ашҡаҙанды эшләтә, тештәрҙе, ҡолаҡ бауҙарын таҙарта, тынысландыра, теш ҡаҙналарын нығыта. Борон шеш сыҡһа ла, ҡыҙылса-бетсәнән дә, теш һыҙлағанда ла шуны, тик май һалмаҫ борон алып, һөртөп дауаланылар. Ат ауырығанда ла файҙаланғандар. Тик ас ашҡаҙанға түгел, ә ҡаҙан ашынан һуң бер аҙ сәйнәп алырға кәрәк уны», – ти Зәйтүнә апай. Кибет кәштәләрендәге ҡаптарҙың төрлөлөгөн иҫләп, был һағыҙға ла төрлө тәм, әйтәйек, еләк тәмен бирергә мөмкиндер, тип ҡыҙыҡһынабыҙ. – Тат ҡушһаң, боҙола, – ти ул. – Икенсе тәм биреү кәрәкмәй ҙә, ана үҙе ниндәй хуш еҫле. Зәйтүнә апайҙың файҙалы шөғөлө хаҡында һүҙ телдән-телгә күсеп, тирә-яҡҡа тарала. Хәҙер баҙарға сыҡһа, шунда уҡ балалар һырып ала, ололар ҙа тәүҙә – тәмләп ҡарарға тип, шунан оҡшатып килә. Шулай итеп, был кәсеп икмәк-тоҙлоҡ табыш та килтерә оло кешегә. Бәпес көткән ҡатындар ҙа йыш мө­рәжәғәт итә, күңел болғаныуын баҫа, үҙәк көйгәндә ярҙам итә, тиҙәр. Ул ғына түгел, һағыҙ һорап йыраҡтан килеүселәр ҙә етерлек. Салауат, Стәрлетамаҡтан да, Өфөнән дә бар. Ҡайһы берәүҙәр меңәрләп алып китә. «Бер мәл бер ҡатын килеп инде. «Әллә ҡайҙан, Өфө аръяғынанмын», – ти. Баҡһаң, әсәһе биш йыл элек мине телевизорҙан күреп ҡалған да үтенеп һорай икән. «Рәхәтлә­неп сәйнәһен инәкәйем», – тип күп итеп һағыҙ алып ҡайтып китте. Әле яңы­раҡ икенсегә килде», – тип һөйләй апай. Ирегән туҙҙың ҡулланылышы киң була элек. Һауыт-һабаға ҡытлыҡ мәлдәр­ҙә мул сағында. Тимер мискәләрҙән биҙрә эшләп, унда иң тәүҙә туҙ иретәләр ҙә шуның менән биҙрәнең эсен эшкәртеп сығалар. Ауыр була биҙрә, әммә тишелеп бармай, оҙаҡ һаҡлана. Тәңкәл биҙрә, тип атайҙар уны. Бөгөн һағыҙҙы кемдер – ҡыҙыҡ күреп, кемдер һаулығын нығытыу өмөтө менән ала. Шулай булыуына һөйөнә Зәйтүнә Хатип ҡыҙы. Үҙенең бала сағында ҡара һағыҙҙы икмәк урынына сәйнәргә тура килгәне иҫенә төшкәндә иһә күҙҙәренә йәш тула. – Эй, ул йылдарҙы: ашарға йүнләп юҡ, икмәк, бәрәңге бик һирәк эләгә. Ашҡаҙанды алдамаҡсы булып, ҡара һағыҙ сәйнәйбеҙ. Хатта сәйнәп йоҡлап китәбеҙ, сәскә йәбешһә, ҡуптарып алып булмай. Стенаға йәбештереп ҡуйһаҡ, уныһы ҡарайып китә... – тип хәтер ебен тағата. – Бабайым да ыҙалап үҫкән. Ғаилә ҡорғас, башҡа сыҡтыҡ. Ҡара ергә килеп ултырҙыҡ, бер тауыҡ биреүсе лә юҡ ине. Аллаға шөкөр, йән биргәнгә йүн бирә, үҙ көсөбөҙ менән яйлап барыһын да булдырҙыҡ. Биш бала үҫтерҙек. Бабайымдың ҡулы оҫта, атанан күргән – уҡ юнған, улдарыбыҙҙың да белмәгән һөнәре юҡ. Шөкөр итеп кенә йәшәйбеҙ бөгөн. Әҙме-күпме, барып алаһы ла юҡ, ошо өҫтәлгә килтереп һалалар ана пенсияһын да. Әллә ыҙалар күреп үҫкәнгәме, тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә тырышабыҙ, бына һикһәнгә етеп барабыҙ. Һаулыҡтың икенсе сере – «ҡытай сәйе» эстек беҙ ғүмер буйы. Боланут үләнен беҙҙә шулай йөрөтәләр. Уны бер тоҡ итеп йыябыҙ, мендәр аҫтына һалып бәҫәртәбеҙ, турайбыҙ, йыуабыҙ ҙа мейестең тандырында ғына кип­терәбеҙ. Зәйтүнә апай менән Әнүәр ағайҙың тағы бер сере – улар бары тәбиғи ризыҡ менән туҡланырға тырыша. Аҙыҡты ҡыҙҙырмайҙар, тик бешерәләр генә. Һәр иртә ҡабығында бешерелгән картуфты һары майлап ашайҙар. Самауырлы өҫтәлдә сәк-сәк, таба икмәге, ҡорот, ҡурмас, бал-майҙан баш­ҡа күҙ күреп өйрәнмәгән тағы бер ризыҡ бар ине. Төпрә икән уның исеме. Ондо ҡыҙҙыралар ҙа һары майҙың төпрәһенә (күбегенә) һалып болғатып әҙер­ләйҙәр икән. «Туңғас», киҫәк­тәргә бүләләр. Бер нимәне лә бушҡа әрәм итмәгәндәр борон! Юҡсыллыҡмы, һаҡ­сыллыҡмы, әллә аҡтың һәр тамсыһына булған ҡә­ҙер-ихтираммы был? – Бына һары майынан да етешегеҙ, – тип ҡыҫтай Зәйтүнә апай. – Һары майҙы ашамаһаң, өрлөгөң һынып төшһөн, тип әйтә, ти. Һис ашай алмаһаң, ҡашыңа булһа ла һөртөргә кәрәк, ти торғайны боронғолар. Көс-ҡеүәт биреп кенә ҡалмай, һалҡындан да һаҡлай бит ул һары май. Кейем юҡ замандарҙа, аяҡтарында ла сабата килеш ауыҙҙарына һары май ҡабып урманға киткәндәр. Юҡ тип тормағандар инде, ниндәй­ҙер сараһын эҙләгәндәр. Кешеләрҙең шул саҡта ла асыҡ күңелле, йомарт булып ҡала белеүенә һоҡланырлыҡ! Ана бит, Зәйтүнә апай ни тип һөйләй: «Бә­ләкәймен әле. Зөләйха исемле әбей килгән дә әсәйемә илап һөйләп ултыра: «Ҡунаҡ килгәйне. Бер күршемдән сәй тапҡайным, икенсеһенән бәрәңге һорап килгәнсе ҡунағым ҡайтҡан да киткән», – ти. Ҡунағын һыйлай алмаған өсөн ҡайғыра!» Төрлө сараларға саҡыралар Зәйтүнә апай менән Әнүәр ағайҙы. Урам байрамдарында ла милли аш-һыуҙың әллә нисә төрөн әҙерләп, барыһын аһ иттерә, тәүге урындарҙы алалар. Беҙгә лә Зәйтүнә апайҙың сәлә­мәтлеккә зыян килтермәгән таҙа ҡара һағыҙ ҡайнатҡанын күрергә, уны татып ҡарарға, ҡайнар утта шажылдап ирегән туҙҙың хуш еҫенә хозурланырға, милли тәғәмдәребеҙҙән ауыҙ итергә насип булды. «Милли ризыҡтарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы йәштәр белһен, өйрәнһен ине. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы уҡыусыларына ла серҙәремде асырға әҙермен», – ти ул. Иң тәүҙә шуны әйтеп үтергә кәрәк: ҡайын туҙын кеше ағас киҫтергән ерҙән барып алыу яҡшы. Тере ағастан һыҙырһаң, тәбиғәткә хилафлыҡ була. Ҡайын туҙын ҡом-туҙандан яҡшылап ҡырып таҙартабыҙ. Һағыҙ сифатлы булһын өсөн ботаҡ урындарын, ҡаты ороло ерҙәрен дә алып ташлайбыҙ, туҙҙың шымаһын ғына алабыҙ. 1-2 сантиметрлы киҫәктәргә ваҡлап, сөгөн көршәккә һалабыҙ. Мин уның өсөн махсус көршәк тотам. Көршәкте утҡа ҡуйып, өҫтөн яҡшылап ябабыҙ ҙа ауырыраҡ нәмә менән баҫтырып ҡуябыҙ, һауа инмәһен. Ипләп ҡыланырға кәрәк, яңылыш туҙға ут тоҡанып китмәһен! Утта туҙ яйлап ирей, бер сәғәт самаһы ваҡыт үтә. Шыйыҡлана биргәс, ағас ҡалаҡ, йә таҙа ағас ботағы менән болғатып торабыҙ. Сүп-ҡый төшөрөргә ярамай, ризыҡ әҙерләгәндәге кеүек таҙа булашырға кәрәк. Хуш еҫе тирә-яҡҡа тарала, ҡайһы саҡ күрше-күлән дә килеп етә. Иреп бөткәс, самалап ҡына аҡ май һалабыҙ (бөтәһен дә һалып бөтөрмәй торабыҙ, сөнки майы артыҡ булһа, тешкә йәбешә) һәм яҡшылап болғатабыҙ. 10 литрлы көршәк тулы туҙҙан сыҡҡан һағыҙға 100 – 150 грамм аҡ май алына. Шунан әҙ генә алып, һыуға һалып ҡатырабыҙ да сәйнәтеп ҡарайбыҙ (эргәңдә балалар йөрөһә, сәйнәтеп ҡарауға бигерәк йәтеш!). Ҡатыраҡ күренһә, майҙы өҫтәй бирәбеҙ. Һағыҙҙың ҡатылығы йәнгә ятышлы булғас, ярты биҙрә самаһы һалҡын һыу һалабыҙ. Һағыҙҙы йыйып йомарлайбыҙ. Бына ошондай сөгөн туҙҙан бер күмәс саҡлы һағыҙ килеп сыға. Уны бауырһаҡ әҙерләгән кеүек бер сәйнәрлек ҡыр­ҡымдарға бүләбеҙ. Ошо көршәктән яҡынса 300 сәйнәм һағыҙ сыға. Ҡара һағыҙҙы һалҡын һыуҙа, һыуыт­ҡыста һаҡлайҙар. Уны әллә нисә тапҡыр алып сәйнәргә була. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: 2007 йылда Финляндияла ҡаҙыу эштәре мәлендә ҡайын туҙынан эшләнгән һағыҙ табыла. Ғалимдар билдәләүенсә, теш эҙҙәре лә һаҡланған һағыҙға – 5 000 «йәш»! Ҡайын туҙында булған матдәләр уны һис боҙмай «һаҡлаған». Ғафури районы. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Байрам көнө һуңында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары В.И. Ленин исемендәге һәм “Моторостроитель” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙандарға йыйылды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БөйөкЕңеү#Салют Байрам көнө һуңында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары В.И. Ленин исемендәге һәм “Моторостроитель” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙандарға йыйылды. Башҡортостан гәзите хәбәр итеүенсә, ике майҙанда 850-шәр залп яңғыраны. Уларҙың бейеклеге 200 метрға етте. Фейерверктар алты минут дауамында янды. Байрам салюты Өфөгә “Хеҙмәт һәм дан батырлығы ҡалаһы” почетлы исемен биреүгә лә арналды. Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 76 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә һәм Башҡортостандың һәр район-ҡалаһында тантаналы саралар уҙҙы. Өфөнөң Октябрь проспектында тантаналы Еңеү парады уҙҙы. Унда 1400-ҙән ашыу Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, башҡарма власть федераль органдары хеҙмәткәрҙәре, курсанттар, кадеттар, хәрби хеҙмәт һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы техникаһы ҡатнашты.
Йәй миҙгеле йәмле көндәре менән генә түгел, ә күңелле осрашыуҙар, төрлө саралар менән дә иҫтә ҡала торған мәл. Күптән түгел Асҡын районының Күнгәк ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ла күңелдәрҙә йылы тойғолар, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Күнгәктә күркәм сара үтте Йәй миҙгеле йәмле көндәре менән генә түгел, ә күңелле осрашыуҙар, төрлө саралар менән дә иҫтә ҡала торған мәл. Күптән түгел Асҡын районының Күнгәк ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ла күңелдәрҙә йылы тойғолар, яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Күнгәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлшат Ғилманшина сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарға, бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткереп, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Байрам моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Майҙанда спорт ярыштары, халыҡ уйындары гөрләне. Балалар ҡыуанып батутта һикерҙе, каруселдә әйләнде, квадроциклда йөрөнө. Экология йылына арналған стенд, ҡул эштәре, дарыу үләндәре күргәҙмәһе янынан да кеше өҙөлмәне. Көн буйына бай ассортиментлы сауҙа нөктәләре эшләне. Байрамға 30, 40 йыл элек Күнгәк урта мәктәбен тамамлаусылар ҙа ҡайтҡайны. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Улар Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Ғафури, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Хәйбулла һәм башҡа райондарға, Ағиҙел, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына тапшырылды. Шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығына ҡараған алты белем биреү ойошмаһы – республика инженер интернат-лицейы, спорт йүнәлешендәге 5-се республика интернат-мәктәбе, Сибайҙағы интернат-гимназия, 3-сө башҡорт республика интернат-гимназияһы, Стәрлетамаҡтағы 25-се корррекцион мәктәп, Стәрлебаштағы коррекцион интернат-мәктәп тә яңы автобуслы булды. Шулай итеп, быйыл мәктәп автопаркы 115 яңы транспорт менән тулыланды. Яңы автобустарҙы тапшырыу сараһында республика Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, район муниципаль һәм ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
14 декабрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килә. Башҡорт теле көнөн, шулай уҡ 2020 йылды Башҡорт теле йылы итеп иғлан итеү башланғысы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһағайны. Был көндө онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтәсәк, Башҡорт теле йылына, алдан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһаласаҡ. 14 декабрь көндө мәғариф һәм фән министрлығы республикабыҙҙың билдәле шәхестәре ҡатнашлығында «Шиғри сылбыр» интернет-флешмобын ойоштора. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм республикалағы халыҡтар телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гранттар тапшырыу конкурсында еңеүселәрҙең проекттарынан күргәҙмә-презентация үткәрәсәк. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә Башҡорт теле көнөнә һәм күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған күп саралар ойоштороу ҡаралған. Уның һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ, асыҡ дәрес билдәле шағирҙың тыуыуына 125 йыл тулыуға бағышланасаҡ. Байрам саралары республикабыҙҙың бөтә мәҙәниәт учреждениеларында күбеһенсә онлайн рәүештә ойошторола. Уларҙың тулы исемлеге менән мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға була. Байрам сараларына республикабыҙ халҡы ғына түгел, Рәсәй төбәктәре лә ҡушыласаҡ. Мәҫәлән, был көндө Пермь крайының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге «Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым» тигән мәҙәни-мәғлүмәт акцияһы үткәрәсәк. Ырымбурҙа Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе яҙыусылары менән ижади осрашыу ҡаралған. Байрам сәнғәт оҫталары концерты һәм Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау тантанаһы менән тамамланасаҡ. Был көндө башҡорт милли кейем тегеү оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре исемдәре лә билдәле буласаҡ. . Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Шулай булғас, Дания никах ни өсөн популяр булған? Һөйөүселәр, теләп ғаилә төҙөп, күп бюрократик ҡаршылыҡты үтергә, бигерәк тә сит ил кешеләре менән никах тураһында һүҙ бара Был ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итә, ә никах теркәү күпкә яҫмаларға. Әгәр телисез икән, германия һәм европа союзы илдәре гражданинының даими йәшәү өсөн күсеп килгән йәки ил гражданына кейәүгә сыҡҡас, тиҙ һәм иң ышаныслы ысулы булып тора дания никах теркәлгән. Дания закондар булдырылған, үҙең өсөн уларҙы никах. Никах килешеүе төҙөү өсөн кәрәкле документтар дания - минималь. Иң арзан түгел йәшәйбеҙ был илдә. Данияла шуға күрә, ғәҙәттә, никах ғибәрәт түгел, ә ғына төҙөлгән. Йыш ҡына нәҡ пар һәм мөмкин тиклем тиҙерәк китергә теләүселәрҙән төҙөлгән. Ләкин һәр дания теркәлгән булһа, документтар ярашлы, йәшәү шарттарын ҡарата берлектәге һаны көн, үҙ, һәр көн стеналарҙа хакимиәте һәм биҙәктәр була. Иң отошло вариант-был көн мәңге түгел, бер никахлыҡ, никах агентлығы, һәр нисек был мөмкин раҫлай. Утыҙ беҙҙең никах агентлығы артыҡ хакимиәттәре менән хеҙмәттәшлек, Дания егерме ике территорияны биләгән. Беҙ, тип иҫәпләй клиенттар ихтыяжына бәйле иң отошло вариант. Мәҫәлән, никахлы парҙан копенгагенда файҙалы булыуы мөмкин, Дания алыҫ йәшәй, әммә был вариантта, әгәр был һеҙгә теләйем - туй тиҙ Дания. Никах өсөн һәм ваҡыты булығыҙ Данияға рәсми рәүештә никахҡа ингән бөтә ес илдәре таный. Теркәлгән бөтә донъя гражданлыҡ никахы менән башҡарыусы дания илдә, шул иҫәптән европа илдәренән һәм дания. Беҙ һеҙҙең теләгегеҙ буйынса квалификациялы адвокат бирә ала икән, ул һезгә ярҙам итә алыу өсөн паспорт, Германияға сығып китә алмай. Беҙҙең клиенттар ташлама вәғәҙә юридик беҙҙең партнерыбыҙ. Беҙҙең компьютер контракт тултырыу, документтар менән эшләү һеҙҙең өсөн. Контракт. Декларация тултырыу өсөн уның скачать бюроһы һәм теркәү. Распечатывать һәм ҡул ҡуя. Бөгөнгө датаны ҡултамға менән йәнәш ҡуйырға онотманы. Декларация хеҙмәтенә теркәлергә була. Кәрәкле документтар теркәү һәм уларҙы ҡулға ала һәм декларация электрон почтаһы буйынса ебәрергә. Беҙ һеҙҙең документтарҙы тикшереп, һеҙгә яуап алырға һәм бер көн эсендә. Әгәр бөтәһе лә яҡшы бара, шулай уҡ һеҙ иҫәбенән түләүҙәр ала. Беҙ көн һайын аҡса алыу тикшерелде. Шуға күрә беҙгә һеҙҙең менән эштән ебәреүҙәрен һорап, загс өсөн бер тапҡыр түләнә раҫлай. Челнок булып туй өсөн экскурсия буйынса гамбургта теркәлгән Дания Күсемһеҙ милекте теркәү өсөн документтар буйынса германияла гамбургта гид оҙатыуында экскурсиялар бизнес дания дания германия гамбург туй гид гид дания дания германия гамбург ҡалаһы буйынса экскурсия бизнесы эшлекле осрашыу гамбург ҡалаһы гамбург. В рулетке ч ҡыҙҙар менән"ҡыҙ менән осрашыуҙан онлайн, дания"блог һәм сайты биттәрендә"Дат видеочить" Altènativ Yo Chat Roulette Top Pi Bon Altènativ Yo чатта теркәлергә рулетка менән бушлай онлайн чатрулетка ҡыҙы 18 чатта теркәү бушлай булғас рулетка ч рулетка менән телефон бушлай онлайн заможняя ҡатын-ҡыҙ менән танышырға теләп иғлан фото һәм видео менән танышты видео парҙар танышып заможняя ҡатын-ҡыҙ менән танышырға теләй заможняя ҡатын-ҡыҙ башҡа фотоларҙы бушлай таныша
«Айыҡ ауыл-2020» конкурсының беренсе этабы аҙағына яҡынлаша. Ул 2020 йылдың 30 ноябрендә тамамлана. 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем район этабында еңгән ауылдар өсөн икенсе (республика) этабы башлана. Беҙҙең районда был бәйгенең тәүге этабында һәр биләмәнән бер ауыл ҡатнаша. Еңеүгә, һеҙҙең ҡарамаҡҡа, ниндәй ауыл лайыҡ? «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусылар муниципаль этапҡа йомғаҡ яһай «Айыҡ ауыл-2020» конкурсының беренсе этабы аҙағына яҡынлаша. Ул 2020 йылдың 30 ноябрендә тамамлана. 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем район этабында еңгән ауылдар өсөн икенсе (республика) этабы башлана. «Әле муниципалитеттар йомғаҡлау саралары үткәрә, республика этабына әҙерлек башланылар. Бөтә ҡатнашыусылар, ә быйыл улар −2114, конкурс положениеһына ярашлы, заявка, мәғлүмәти карта тултыра, видеояҙмалар әҙерләй. Ҡайһы бер райондарҙа йомғаҡлау саралары үтте. Мәҫәлән, Бүздәк һәм Мәсетле райондарында сара онлайн форматта уҙҙы», — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты белгесе, конкурс координаторы Юлиә Мырҙабулатова. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
... Ҡыҫҡаһы, был икәүҙе яйлап ҡына күҙәтә башланым. Бер нисә тапҡыр: “Төнһөҙ ҡайтмайым”, – тип сығып китеп, подъезд ишеген ҡарауыллап та йөрөнөм. Һәм шулай эләктерҙем дә инде уларҙы. Осман инеп ярты сәғәттәй ваҡыт үткәс, ишекте үҙ асҡысым менән асып индем. Түшәктә үк ятмаһалар ҙа, ҡайнар үбешәләр ине. Гөлмираның түше ярым асыҡ. Тағы ла 15 минут көтөргә кәрәк булған, тигән уй үтте баштан. – Ҡәбәхәттәр! – тип кенә ҡысҡырҙым да, ишекте йән көскә ябып, сығып киттем. Дөрөҫөн әйткәндә, күңелем менән быға әҙер инем, шуға күрә туҙыныу, асыу ҡабарыу кеүек тойғолар булманы. Бары тик ошо ике хыянатсы йәшәгән ҡалала ҡалырға теләмәнем. 2 – 3 көндә документтарҙы юллап бөттөм дә, бер кемгә лә әйтмәйенсә Себергә сығып киттем. Ярты йыл үткәс кенә Өфөгә ҡайттым. Ҡасан да булһа аңлашырға кәрәк, шуға күрә тура Гөлмира янына киттем. Ә ул ауырлы ине. Тулыһынса: https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/litra/hyjanattan-ty.. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ. Насип яҙмыш тормоштоң бер боролошонда барыбер ҙә көтөп тора. Хеҙмәт юлын төҙөлөштә башлаған, Өфөнөң «Һупайлы» биҫтәһендә йорттар һалған сибәр ҡыҙҙың артабан сәнғәт юлы менән китерен кем генә уйлаһын? Яҙмыш уны сәнғәт кешеләре менән әлдән– әле осраштырып торһа ла, фатихалар бирелһә лә, үҙенең бөгөнгө шөғөлөнә урау-урау юлдар менән килә ул. 45 тапҡыр парашюттан һикергән, осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевты яҡындан күреп белгән, үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған һинд актрисаһы Мандакини менән танышҡан һәм сәнғәт коллективтары өсөн халыҡ– ара гастролдәр, концерттар ойошторған тынғыһыҙ ханым Зилара Йомағужина журналдың ошо һандағы тышлығын биҙәне. Уның хаҡындағы мауыҡтырғыс мәҡәлә баҫма уҡыусыларына хуш киләсәк. Кеше һау-сәләмәт булғанда, вайымһыҙ тормош менән йәшәгәндә үткән ғүмеренең бер минутын да уйламай. Ләкин бәлә көтмәгәндә килә. Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәүсе йәштәр Венер һәм Рәзилә Фәхретдиновтар ауыр һынауҙарҙы еңеп сыҡҡан ғаилә. Ул ғына ла түгел, быйыл уларҙың изге ниәте менән ауылда ололарҙың шифалы тип йөрөтөлгән Аҡ шишмә буйы төҙөкләндерелде. Был эште йәштәр үҙ иҫәбенә башҡарҙы. Ауырлыҡтар сыныҡтырған ғаилә хаҡындағы мәҡәлә һеҙҙе Кушнаренко тарафтарына саҡырыр. Журналдың был һаны үҙенсәлекле героиняларға бай буласаҡ. Шундай кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәүсе Гөлдәр Ҡадаева. Ғүмер буйы ауыл ерендә фельдшер булып эшләгән ҡатынға заманында терапевт та, хирург та, аллерголог та, тағы әллә күпме белгес булып эшләргә тура килә. Ә төбәктә ҡабул иткән сабыйҙар һаны ғына иҫәпте юғалтҡан. Бына ошо кешенең яҙмышы хакында Сибайҙа йәшәүсе даими авторыбыҙ Әлнисә Алдырханованың материалын уҡығыҙ. Нисек бәхетле булырға? Ҡайҙа, кем булып эшләүеңә ҡарамаҫтан ҡатын-ҡыҙҙы борсоған мәңгелек темаларҙың береһе. Бәхет төшөнсәһе күп яҡлы. Уның серҙәрен аңламаған, ҡулында тотҡан бәхеттең ысын ҡәҙерен белмәгәндәр ошо бәхет тигән нәмәне тиҙ юғалта. Хаталар өҫтөндә эш, нисек үҙ йәреңде табырға, тапҡас юғалтмаҫҡа тигән һорауҙарға «Йөрәк дәрестәре» рубрикаһында тәжрибәле психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина яуап бирәсәк. Доньяның тотҡаһы булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ тигәндәй, ауылды ла бөгөн ошондай абруйлы гүзәл заттар тота. Боронғо бейсәләр, тәңкәбикәләр хәҙер ҙә бар улар. Ғорур ҙа, сибәр ҙә, сая ла, хужалыҡлы әбйәлил ҡатындарының бер сағыу вәкиле Мөслимә Мәсәлимова билдәле драматург, авторҙашыбыҙ Сәрүәр Сурина яҙған мәҡәләһенең геройы булыр. Йәш шағир, Архангель егете Ринат Сөләймәнов әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең бер шәлкем шиғри күстәнәстәрен тәҡдим итер. Был донъяның матурлығын шиғыр аша таныған егеттең ижадын мотлаҡ уҡығыҙ. Билдәле сыуаш яҙыусыһы Анатолий Емельяновтың "Дан өсөн түгел" тигән повесынан өҙөк Йомабикә Аҡъюлова тәржемәһендә журнал уҡыусылары ҡарамағына сығарыла. "Оҙон бер кис" тип аталған хикәйә ауыл тормошон һүрәтләй. Дәүләт яман шештән дауалауға, уны профилактикалауға ғәйәт ҙур аҡсалар бүлә, ифрат күп көс түгә. Ләкин сирҙе дауалауға ҡарағанда,уны иҫкәртеү яҡшыраҡ. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы, был өлкәлә ниндәй үҙгәрештәр бара, ошо хаҡта киләһе әңгәмәсебеҙ - Башҡортостандың мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының үҙәк филиалы табип-эксперты Светлана Минһажева. Финанс, төрлө түләүҙәр өлкәһендәге белемде арттырыу – заман талабы. Шуға ла һәр кемгә бер аҙ бухгалтер һөнәрен үҙләштереп алыу ҡамасауламаҫ. Ҡатын– ҡыҙҙарҙың эшкә һәләтһеҙлек, йөклөлөк, баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса килеп тыуған һорауҙарына Рәсәй страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Лариса Черепанова аңлатма бирер. Ғаилә – илаһи ниғмәт. Ғаилә ҡороу һәм бәхетле булыу темаһын артабан даими экспертыбыҙ Айбулат Уразбахтин дауам итә.Уның авторы Рәсүл Байгилдин йәнә беҙҙе әңгәмәсенең үҙенсәлекле, фәлсәфәүи фекерҙәре менән таныштыра. Ҡыуаныс-шатлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы беҙ нимә менән билдәләргә күнеккәнбеҙ. Күп ғаиләлә өҫтәлгә ин элек һыра, спиртлы эсемлектәр килеп ултыра. Уны даими рәүештә ҡуйған ата-әсәнең ошо рәүешле бала тәрбиәләүен уйлағаны бармы икән? Заман афәте хаҡындағы фекерҙәре менән журналда автор Айбулат Ғафаров сығыш яһай. Оло апайҙарҙың яратып ябынған кешмир яулыҡтарының тарихы сама менән 200 йыл элекке Европаға, Францияға барып тоташа. Башҡорт ҡатын– ҡыҙҙарының яулыҡтарҙан тыш баштарына таҫтар ҙа ябынып йөрөүе билдәле. Ошо яулыҡтарҙың килеп сығышы хакындағы мәҡәләне шулай уҡ журнал битендә уҡығыҙ. Рок йырлаған башҡорт ҡыҙы Миңзәлә Яхинаның исеме күптәргә таныш. Был һанда ул журнал уҡыусыларға аш-һыу оҫтаһы булараҡ та асыласаҡ. Миңзәлә беҙгә ҡаймаҡлы торт һәм бәшмәктән яһалған ризыҡтарҙың рецебы менән бүлешер. "Сибайҙы гөрләтә "Алтын" тип аталған журнал уҡыусыбыҙҙан алған хат, ансамблде ойоштороусы Зилә Һаҡмарова һәм уның ижадташ дуҫтары хаҡында булыр. Һаулыҡ темаһына йәнә бер ҡағылып, ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ә ир-аттарҙың сәләмәтлеге хаҡында ла һөйләшеү алып бара баҫма. Был юлы ир аттың икенсе йөрәге булған енес биҙе хаҡында уролог, медицина фәндәре кандидаты Ринат Шакировтың әңгәмәһен уҡырға саҡырабыҙ. Балаҫ һуғыу оҫтаһы, Архангел ҡыҙы, алтын ҡуллы Фәнисә Сәйфетдинованың эштәрен «Бәйләнештә» селтәрендә лә осратырға мөмкин. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре Зөлфиә Басырова оҫтабикә менән шәхсән танышып, уның хаҡында күләмле мәҡәлә тәҡдим итә. Сәс – ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур байлығы. Сәсле кеше сибәр ҙә була. Ләкин оҙон толомдарҙы нисек тәрбиәләргә? Сәстәрҙе үҫтереү, тәрбиәләп ҡарау уйынса кәңәштәр теҙмәһе тик журнал битендә. Улдарын әрме сафтарына оҙатҡан ғаиләләр хаҡындағы мәҡәләләрҙе дауам итәбеҙ. Был юлы беҙҙең геройҙар Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында йәшәй. Декрет ялы яңы эш башлау йәки һөнәр үҙләштереү өсөн иң ҡулай мәл. Өфөлә йәшәүсе Айгөл Вәлиева журнал уҡыусыларға үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим итә. Ул фриволите ысулы менән биҙәүестәр яһай. Нимә ул фриволите? Уны артабан тик "Башҡортостан ҡыҙы" журналын уҡығас белерһегеҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Элекке йәш хәбәрсебеҙ, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының нәфис тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Рәйсә Рәйес ҡыҙы Абдуллина "Йәншишмә" гәзите яҙҙыртты. Ошо бүләк-гәзитте Әбйәлил районының Ташбулат ауылында йәшәүсе күп балалы Камаловтар уҡып ҡыуанасаҡ! Вәт, шәп бүләк! Рәйсә Рәйес ҡыҙына ҙур рәхмәт! Артабан Рәйсә Абдуллина эстафетаны шулай уҡ элекке йәш хәбәрсебеҙ Зөлфиә Ханнановаға тапшыра. Сылбыр дауам итә. Әйҙәгеҙ, Яңы йыл алдынан балаларға күберәк көтөлмәгән ҡыуаныстар бүләк итәйек! Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
1703 йылдың тап ошо көнөндә Петр I указы менән Рәсәйҙең “Ведомости” гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Баҫма тулыһынса “Мәскәү дәүләтендә һәм тирә-яҡтағы сит илдәрҙә булған, белергә һәм иҫкә алырға лайыҡлы хәрби һәм башҡа эштәр тураһында хәбәрҙәр” (“Ведомости о военных и иных делах, достойных знания и памяти, случившихся в Московском Государстве и во иных окрестных странах”) тип атала. Гәзит Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла нәшер ителә һәм даими атамаһыҙ, төрлөсә йөрөтөлә – “Ведомости”, “Российские ведомости”, “Ведомости Московские”. 1870 йылдың 1 ғинуарынан “юғарынан төшкән бойороҡ” буйынса, “тәжрибә рәүешендә почта учреждениеларында урыҫ һәм сит телдәрҙәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторорға” рөхсәт ителә. Был Рәсәйҙә матбуғатҡа яҙылыу буйынса беренсе ҡарар була. Ә инде 1914 йылға илдә өс меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы нәшер ителә. 1917 йылдан һуң Рәсәй матбуғаты көнө “Правда” гәзитенең беренсе һаны сығыу уңайынан 5 майға күсерелә һәм Совет матбуғаты көнө тип йөрөтөлә башлай. Тик 1990 йылда ғына Рәсәй Федерацияһы Юғары Суды Президиумының 28 декабрендәге 3043-1 һанлы ҡарары менән Матбуғат көнө элекке датаһына – 13 ғинуарға кире ҡайтарыла. 1997 йылдан алып Рәсәй матбуғаты көнөндә киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Президенты премиялары һәм йәш журналистарҙың проекттарына ярҙам итеү маҡсатында гранттар тапшырыла. “Аманат” журналы коллективы матбуғат хеҙмәткәрҙәрен ошо күркәм байрам менән ҡайнар ҡотлай! Уҡыусыларыбыҙ күп булһын! Яңы йылда барлыҡ хыялдарыбыҙ, изге теләктәребеҙ тормошҡа ашыһын! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
17 апрелдә республикала Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө уңайынан саралар онлайн форматында ойошторола. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, был көндә түбәндәге саралар уҙғарыла: — оҫталыҡ дәрестәре, видеолекциялар, күргәҙмәләр, презентациялар һәм дәрестәр. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто милли кейем аутентикаһына бәйле 26 сара әҙерләгән. Уларҙың бөтәһе лә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң YouTube-каналында шул уҡ исемле плейлистҡа урынлаштырыла: — Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусылар өсөн «Башҡорт халҡының милли кейеме» темаһына асыҡ онлайн дәрес. — Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында донъя художество мәҙәниәте, республика тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн онлайн дәрестәр (белем биреү учреждениеларының рәсми сайттарында); — «Милли кейемдәрҙә фото» республика флешмобы. «Бәйләнештә» һәм Instagram социаль селтәрҙәренә #нацкостюмрб #нацкостюм_дднрб #ялюблюнацкостюм хештегтары менән фотоһүрәттәр һалырға кәрәк. Ҡатнашыусыларҙың эштәре Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Бәйләнештә», Facebook һәм Instagram селтәрҙәрендәге рәсми аккаунттарына күсереп ҡуйыла. Ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре менән финал видеоролигы 2020 йылдың 18 апрелендә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Youtube-каналына урынлаштырыла; — Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Үҙенсәлек. Мәҙәниәт. Тарих. Этномода. Стиль» интернет-флешмобы. Милли кейемдәге фотоны #милликейем #национальныйкостюм #мкрб #рцнтрб #мыедины #беҙберҙәм хештегтары менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. — башҡорт һәм рус милли кейеме элементтарын әҙерләү буйынса онлайн оҫталыҡ дәрестәре (Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайты, Instagram Facebook YouTube-канал). — Башҡортостан Республикаһы Милли музейы залдары буйлап милли кейемдәрҙең виртуаль күргәҙмәһе (рәсми сайт); — «Мин – милли кейемдә» бейеү флешмобы: Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле фондынан Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтеү (рәсми сайт, YouTube-канал, «Бәйләнештә», Инстаграм). http://www.bashinform.ru/news/1438099-v-ufe-stala-izvestna-programma-dnya-natsionalnogo-kostyuma-kotoryy-proydet-onlayn/
Быйыл республикабыҙҙа халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл билдәләнә. Ошоноң менән бәйле уның тормош юлына, ижадына арналған саралар үтә. Борай халыҡ театры Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен күрһәтте. Башҡорт ырыуының боронғо йолаларына ҡаршы саф мөхәббәттең көрәшеү конфликтына ҡоролған спектакль бер тында үтте. Бер-береһен бишектән үк яратҡан Зөбәржәт менән Аҡъегет ролдәрен Светлана һәм Илшат Әхмәтовтар айырыуса оҫта башҡарҙы. Борай театрын Фәридә апай Ямалетдинованан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул тыуҙырған Тәңкәбикә, Айгөл Мөслимованың Шәфәғы, Рәшид Шәриповтың Диуанаһы, Ирек Сабировтың Дәрүише, Ленар Баһауетдиновтың Ырыҫҡоло һәм Салауат Муллағәлиевтың Ялсығоло иң сағыу образдар булды. Ошо төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙан тыш массакүләм сығыштарҙа ҡатнашыусыларҙың (улар 40-лап!), аҡһаҡалдарҙы уйнаған Таһир Бәкеров, Альберт Бәкеров, Альфред Шакировтың сәхнәлә уйнау түгел, бер һүҙ менән әйткәндә, “йәшәүҙәре” әллә ҡайҙан һиҙелеп торҙо. Улар тамашасыларҙы спектакль буйына кешенең йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, ҡанундар алдында көсһөҙ булыуына ышандырып, илатып уйнай алыуҙарына бары тик “афарин!” тип кенә әйтке килә. “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбленең ҡайғы янауҙы, ниндәйҙер афәт көтөп, йөрәккә шом һалыуҙы тыуҙыра алыуы ла спектаклдең асылын асты. Декорацияларҙың, костюмдарҙың заманына тура килтереп эшләнеүе, тегелеүе лә әҫәрҙе үҙ эшенең оҫталары ҡуйыуын иҫбатланы. Һәр спектаклдең уңышы актерҙар уйнауынан тыш, режиссерҙың оҫталығына, әҫәрҙең төп фекерен тамашасыға еткерә алыуына баһа ла. Ә “Ай тотолған төндә”не сәхнәгә ҡуйған Рәйеф Мансуров, һис шикһеҙ, оло хөрмәткә лайыҡ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Районыбыҙҙың ауылдарында “Айыҡ ауыл - 2019” акцияһына ҡарата төрлө саралар үткәрелә. Абдул ауылы халҡы был әһәмиәтле акцияға етди әҙерләнгән. Улар “Абдулым - аҡ ауылым, аҡ ауылым айыҡ ауылым!” тип исемләп ауылдарының тарихын, ундағы тырыш халыҡ яҙмыштарын сәхнәләштереп, айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандаланылар. Шулай уҡ уҡыусылар тарафынан “һау-сәләмәт тормош алып барыу” темаһына төшөрөлгән һүрәттәр конкурсы ла бик урынлы булды. Ә ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмә һәр ваҡыттағыса күҙҙең яуын алды. Бар абдуладар ҙа ҡатнашты был сарала, береһе лә ситтә ҡалманы. һәр кем үҙ өлөшөн индереүе менән дә әһәмиәтле булды был байрам. Унда тамашасыларға ауылдарының фельдшерының, имам-хатибының, ағинәйҙәренең, старостаһының һәм башҡаларҙың айыҡ тормош хаҡында тәрән мәғәнәле телмәр тотоуҙары оҡшаны. Абдулдар, был саранан һуң, айыҡ һәм һау-сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген тағы ла нығыраҡ аңланы. Жюри ағзалары булған Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина һәм районыбыҙҙың баш ағинәйе Тамара Малбаева ла абдулдарға рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр. Айгөл ХАЛИҠОВА Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
2020 йылдың тәүге ярты йыллығында Рәсәй ведомстволарында 50 миллиард һум ҡаҙна аҡсаһы менән бәйле тәртип боҙоуҙар асыҡланған. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуында Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин еткерҙе. – Шунда уҡ әйтәм, беҙ 169 тикшереү үткәрҙек. Шуларҙың яртыһы ҡаҙна менән бәйле. Тикшереү комитеты һәм Генераль прокуратураның хоҡуҡи баһалауҙарын талап иткән 20 тәртип боҙоу асылды, документтар ебәрелде, – тине ул. #ВладимирПутин Фото: http://www.kremlin.ru/ сайтынан. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Асҡын үҙәк район дауаханаһына “КРД-“Протон” диагностика комплексы алынды. Яңы ҡорамалдың хаҡы – 12 800000 һум. Ул кешенең күкрәк ситлеге ағзаларына, ҡорһаҡ һәм һөйәк-быуын системаһына рентген үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. – Яңы аппарат сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлектәрен киңәйтә. Ул элекке быуын аппараттары менән сағыштырғанда һүрәттәрҙе 50 процентҡа сифатлыраҡ итеп бирә. Шулай уҡ пациентҡа рентген көсөргәнеше лә аҙыраҡ, – тине дауахананың баш табибы Вадим Ғәләүетдинов. Тикшереү барышында юғары сифатлы график һүрәт шунда уҡ табип-рентгенолог компьютерына килә. Дауахана етәкселеге баһалауынса, рентген-диагностика комплексы күберәк ауырыуҙарҙы тикшерергә, дауалауҙы тиҙерәк башларға мөмкинлек бирә. Дауахананың бөтә пациенттары ла “Протон”дан бушлай файҙалана аласаҡ. Диагностика комплексын белгестәр Лида Наумова һәм Флидә Әхиәрова хеҙмәтләндерәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Автор:Дина Арсланова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Ғафури районында #Магнит. Хәстәрлек Бөтә Рәсәй социаль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 4 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе аҙ килемле күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыласаҡ. Ярҙамға мохтаж ғаиләләргә әҙерләнгән йыйылмала оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән ярмалар, консерва, көнбағыш майы, шәкәр һәм башҡалар бар. Пакеттарҙы “Ғаилә” үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе янында ойошторолған “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәндәре тарата. Уларға райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары ярҙам күрһәтә. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Ай аҙағында "Йыл уҡыусыһы – 2018" район бәйгеһе үтте. Был конкурста йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, уҡыу алдынғылары булған уҡыусылар һынау тотто. Ярыш башында уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы. Ай аҙағында "Йыл уҡыусыһы – 2018" район бәйгеһе үтте. Был конкурста йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, уҡыу алдынғылары булған уҡыусылар һынау тотто. Ярыш башында уҡыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы. Артабан балалар “Был донъяла минең урыным” тигән ижади презентацияла көс һынашты. Тағы ла бәйгеселәр тыуған яҡҡа бағышланған “Минең тыуған илем бик киң” тигән викторина һорауҙарына яуап бирҙе. “Туризм – тыуған яғымдың киләсәге” проектын яҡланы, был эште дөрөҫ ойоштороуҙың тотош төбәк өсөн әһәмиәтле, файҙалы буласағын иҫбатланы, үҫешкә бәйле тәҡдимдәрен индерҙе. “Мин – граждан” тигән өйгә эш менән сығыш яһап, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын күрһәтеп, тормошҡа ниндәй кимәлдә әҙер икәнлеген күрһәтте йәштәребеҙ. Сәсәнлек ярышында үҙҙәренең оҫталыҡтары менән һәр кемде таң ҡалдырҙы улар. Бәйгеселәр төрлө номинация-ла билдәләнеп, бүләкле урындар-ға лайыҡ булды. Төп бүләк иһә Языков мәктәбенән Елисей Васильевҡа тапшырылды. Уҡыусыларға алдағы һынау-ҙарында уңыштар теләйбеҙ. Читайте нас в © 2020 «Етегән». Ойоштороусылары: БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы. ПИ ТУ02-01521-се теркәү таныҡлығы Федерацияның Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар тармағына күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идараһынан 2016 йылдың 25-се мартында бирелде.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәйҙең халыҡ артисы Ренат Ислам улы Ибраһимов вафат булды. Был яңылыҡ Башҡортостан халҡын, сәнғәт һөйөүселәрен ныҡ тетрәндерҙе. Оло талант эйәһенең хәләл ефете Светлана Ибраһимова әйтеүенсә, кискеһен йөрәге ауыртҡас, "Ашығыс ярҙам" саҡырталар, әммә, үкенескә күрә, һуң була... Был хаҡта Татарстандың “Бизнес Online” баҫмаһы хәбәр итә. Уҡыусыларыбыҙҙы бөгөн уның күп яҡлы таланты менән бер аҙ таныштырып үттек: халыҡ йырсыһы, билдәле операларҙы башҡарған виртуоз һәләт эйәһе, композитор, рәссам, продюсер, режиссер... Интервьюларҙың береһендә Ренат Ибраһимов: ”Минең башҡорт тамырҙарым да бар”, – тип белдергәйне. – Атайым Башҡортостандан. Ауылдың исеме – Бишенде (Туймазы районы. - Ред.), Октябрьский ҡалаһы эргәһендә. Мин был ауылда булдым, унда олатайымдың йорто бар ине, хәҙер ул юҡ, яңылары төҙөлгән. Минең башҡорт тамырҙарым да бар: өләсәйем башҡорт ине, – тине йырсы. Йырсы Өфөгә йыш ҡына концерттар менән килде. Уның “Ай, былбылым” йырын башҡарғанда залдың үрә тороп алҡышлағанын иҫкә төшөрөп һөйләргә генә ҡалды... Фото: Экспресс-газета. Автор:Дина Арсланова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Асҡын районының бер ауылында йәшәгән ғаилә урманға сәйәхәтендә яңы тыуған мышы быҙауҙарын осрата һәм, инәләре килеп сыҡмаһын тип, тиҙерәк был урындан китеү яғын ҡарайҙар. Икенсе көнөнә был урынға тағы киләләр һәм мышы балаларының шул уҡ ерҙә хәлһеҙ ятҡанын күреп, йәлләп, өйҙәренә алып ҡайталар. Бер нисә көн ашатҡас, күҙгә күренеп мандып китә Ваня һәм Маня (уларға шундай исем ҡушалар). Урмандағы йәнле табыш тураһында бер аҙнанан һунарсылар хужалығына хәбәр ителә. Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре шул тирәләге урманды ҡарап сыға, тик инә мышы табылмай, браконьерҙарҙың да эҙе булмай. Оло мышы яҡында йөрөгән кешеләрҙән ҡурҡып үҙе был урынды ташлап киткәндер, тигән фараз яһала. Белгестәр фекеренсә, мышылар, ғәҙәттә, быҙаулаған урынына имеҙер өсөн ҡабат әйләнеп килә, тағы китә - бындай осраҡтарға тап булып, ярҙам итергә тырышыусыларға ошолар тураһында белеү зарур. Ветеринарҙың тикшереү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, мышы быҙауҙары һау-сәләмәт. Тик, бынан ары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы кәртәлә генә тотасаҡтар, сөнки, һәр ваҡыт кеше ярҙамына мохтаж булып, ҡырағай тәбиғәткә ылығып китә алмаясаҡтар. Бына ни өсөн ҡыр йәнлектәрен ҡулға өйрәтергә ярамай. Кешеләр яҡшылыҡ эшләйем тип, киреһенсә, үҙҙәре лә аңламайынса уларға яманлыҡ ҡыла. Урманда ҡырағай йәнлектәрҙе тап итһәгеҙ, Экология министрлығына (347) 2180430 телефонына шылтыратығыҙ. Фото: bashnews.ru Автор:Аклима Гизатуллина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
23 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тикшереү идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ю.Л.Русанов Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тикшереү идаралығы ҡарамағында булған тәүтикшереү материалдарын һәм енәйәт эштәрен тикшереү буйынса, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәкселеге менән берлектә хеҙмәт хаҡын түләмәү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә. Ҡабул итеү Стәрлетамаҡ район-ара тикшереү бүлеге бинаһында үтә, адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 7 ноябрь урамы, 100. 10.00 сәғәттә башлана. 8 (3473) 25-10-20 телефоны аша ҡабул итеүгә яҙылырға һәм өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитеты идаралығының Стәрлетамаҡ район-ара тикшереү бүлеге. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт теле йылын үткәреү планына ярашлы ноябрь айы «Башҡорт теле — моңло тел» исеме аҫтында үткәрелә. Күмертау ҡалаһы мәғариф идаралығы ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 25 октябрҙән 25 ноябргә тиклем «Бишек йыры» конкурсын иғлан итте. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Иҫегеҙҙә булһа, былтыр ҡыш башында машинаға «Ш» билдәһен йәбештереүҙе талап иттеләр. Уны ситтән килтерелгән «татлы емеш» урынына һаттылар. Һатып алыусылары ла етерлек булды. Сөнки уны ҡуймаған өсөн штраф сәпәргә күп һораманылар. Алыпһатарҙар 20-30 һумлыҡ нәмәне икеләтә, өсләтә, хатта бишләтә арттырып сауҙа иттеләр. Арзанға алып, ҡиммәткә осорҙолар. Үҙ хаҡы 5-7 һум ғына. Күңелде ҡырғаны тағы шул, билдәнең бөтә яғы ла 20-шәр см булырға тейеш тигән талап ҡуйҙылар. Ә башта өндәшмәнеләр. Һөҙөмтәлә, ҙурыраҡ йәки бәләкәйерәк билдә йәбештергән автоһә-үәҫкәрҙәр, иҫкеһен ҡуп-тарып, талаптарға ярашлы билдәне ҡабат ҡуйырға мәжбүр булды. Ҡышы, яҙы үтеп, йәй еткәйне, “Ш” билдәһен ҡуйыуҙы кәрәк түгел тип таптылар. Эксперттар өсмөйөштәге “Ш” хәрефе тирә-яҡты ҡарауҙа мәшәҡәт тыу-ҙыра, тигән ҡарашта. Ул сағында ниңә ундай закон сығарғандар? Бер файҙаһыҙ тамға менән кемдәрҙер миллиардлап аҡса эшләне. Былтыр Рәсәйҙә 42 миллион автомобиль тепркәлгәнен иҫәпкә алғанда ла, был бизнестан яҡынса 2 миллиард 100 миллион һум килем алыуҙарын фаразларға мөмкин. Бары Мәскәүҙә генә биш миллион самаһы авто-мобиль бар, был 235 миллион һум тигән һүҙ. Тап шуға ла белгестәр “Ш” хәрефенә бәйле ҡағиҙә кемдеңдер аңра-лығы арҡаһында ҡабул ителмәгән, бәғзе бе-рәүҙәрҙең коммерция их-тыяжынан да, тиҙәр. Социаль селтәрҙәрҙә лә был темаға ҡыҙыу бә-хәсләшәләр. «Эш хаҡы аҙ, бензин ҡиммәт, етмәһә, үрҙә ултырғандар теләһә нәмә уйлап сығарырға аптырамай. Ябай халыҡтың битенән көлгән кеүек. Әйтерһең, өҫтә депутаттар түгел, ә менеджерҙар ултыра. Ярты йылдан һуң ғәмәлдән сығарыр булғас, ниңә уны уйлап тапҡандар? Закон сығарыусылар кеше мәнфәғәтен ҡайғыртһын ине», тигән кеүегерәк ком-ментарийҙарҙы күрергә була. Шатланырға иртәрәк, билдә урынына жилеттар әҙер ҙә инде. Хәҙер, машинаң ватылып, уны юл буйында яҡтыртыусы жилет кеймәйенсә ре-монтлаһаң, штраф һала-саҡтар. Жилеттың иң арзан хаҡы - 150 һум. Тағы кеҫә ҡалынайталар икән. Быға тиклем бер кемдең дә иғтибар үҙә-генә эләкмәгән бер зыянһыҙ фаркоп өсөн дә аҡса түләргә кәрәк буласаҡ. Ярай әле, уның бер ыңғай яғы бар. Штраф бөтәһенә лә ҡаралмаған. Дәүләт автоинспекцияһы-нан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр фаркоп заводта ҡуйылһа, теркәлеү кәрәк-мәй, штраф та юҡ. Әгәр кеше үҙе ҡуйҙыртһа - был икенсе осраҡ. Штрафтар-ҙан килгән килемде һа-нап та дәүләт ҡаҙнаһы күпмегә байыуын яҡынса фаразлап була. Халыҡ һайлаусылары-ның яңы берәй нәмә уйлап табырына әҙер булайыҡ, улар өсөн янсығыбыҙҙы тултыра торайыҡ.
- Һиңә әйтәм бит күҙле бүкән, тор тим минең урындан, - тигәнгә, тегеһе, бәй, был ни булды тигәндәй күҙҙәрен ыуғылай-ыуғылай карауатына тороп ултырҙы. Юмореска … Кисен өҫтәл һыйҙан һығылып тора ине. Ҡунаҡтарҙы хөрмәт итә беләләр бында. Хужалар бигерәк асыҡ йөҙлө, телдәренән бал тама. - Әйҙә лә, әйҙә, ашағыҙ ҙа эсегеҙ, тегенеһенә етешегеҙсе, быныһына ынтылығыҙсы, - тип өҙөлөп торалар. Атаҡ, Өфө һынлы Өфөнән бындай шөһрәтле шәхестәр әйләнгән һайын килеп тормай ҙа. Бығаса телевизорҙан, гәзиттәрҙән генә күргән йырсылар улар менән йәнәш ултырһын әле! Үҙҙәре бигерәк ирмәк, ябайҙар икән, һис тә беҙ шундай кешеләр тип һауаланып ултырмайҙар, ҡыҙыҡлы көләмәстәрҙе түгәләр генә. Һүҙ оҫтаһы Мазһар ағай шул тиклем ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы ҡайҙан белә тиң! Шундайын һый алдында нисек инде суфый булып ултырмаҡ кәрәк! Йыл самаһы “код”лы йөрөгән Әхмәҙейҙең “йоҙағы” ҡапыл ғына асылды ла ҡуйҙы. “Эй, бер-ике рюмканан күтәрелеп осмаҫмын әле, был донъяла ике йәшәмәйбеҙ”, - тип уйланы ла алдындағыһын матур ғына итеп ыңҡылдатып ҡуйҙы. Унан икенсене, өсөнсөнө… Донъялар матурланып китте, кәйеф күтәрелде. Кемдер: - Әйҙәгеҙ осрашыу хөрмәтенә йырлағыҙ әле, - тип үтенгәс, Әхмәҙей көр тауышы менән йыр һуҙып ебәрҙе. Һәр кемгә лә бирелмәгәндер ул Йәшнәү-күкрәүҙәргә тиң ғүмер, Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер… Йыр бөтөүгә бөтәһе ҡул сапты, йырсының ҡулын ҡыҫтылар: - Афарин! - Шәп йырлайһың! - Әйҙә шул хөрмәткә! Нисек инде шундай табынды ташлап китмәк кәрәк! Шешәләр тыпылдап ҡына торҙо. Мәжлес төн уртаһына ҡәҙәр дауам итте. Һай, күңелле булды. Тәнтерәкләй –тәнтерәкләй ҡунаҡханалағы бүлмәһенә ҡайтҡан Әхмәҙейҙең кәйефе ишекте асып ингәс тә селпәрәмә килде. Ҡара, ул алдан әҙерләп киткән карауатта әллә кем булып һүҙ оҫтаһы сусҡа һымаҡ хоролдап йоҡлап ятасы! Шуға нисек йәнең көймәҫ! Бында уға малай-шалай барҙыр шул! Как такауай республиканың атҡаҙанған йырсыһы бит әле. Ана, “Йырым булыһын бүләгем” тапшырыуында гелән кемдең йырҙарын һорап яҙалар тиң – уныҡын. Концерттарҙа сәхнәнән ебәрмәй зыҡ ҡубалар. Ҡысҡыралар, алҡыштарға күмәләр. Ҡат-ҡат саҡырып сығаралар. Дөрөҫ, әлегә халыҡ исеме юҡ. Алла бирһә, уныһын да алыр. Тейешле документтары күптән кәрәкле генә кеше алдында ята. Һөйләшелгән, майланған. Алла бойорһа, тамашасылар алдында: - Ҡаршы алығыҙ! Һеҙҙең алдығыҙҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Әхмәҙей Моратов! – тип иғлан итәсәк көнгә күп ҡалманы. Унан һуң Рәсәйҙекен юллай башлар. Был тиклем дә фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланырға тейештер бит. Ә ул… Әхмәҙей йән асыуынан һүҙ оҫтаһына ҡысҡырҙы: - Тор, ни эшләп минең карауатта ятаһың! Табындан алданыраҡ шылған юлдашы күптән әүен баҙарына киткәйне. Ул бер нәмә ишетмәгәндәй ята бирҙе. Саҡ ҡына тейәһә лә, киҫелгән ағас кеүек ауа торған холҡо бар шул. Теге ваҡыт концертта һуң! Бер заман уның сираты етте, иғлан иттеләр. Ә ул сыҡмай ҙа сыҡмай. Сәхнә артынан саҡ табып алдылар. Шунда сиратын көтөп ултыра торғас, шешәһен ҡосаҡлап ойоған да киткән мәхлүк. Ярай әле юғалып ҡалманы. Һөйләй торған әкәмәте бер сәрхуш тураһында ине шул! Асыуы алҡымына тығылған Әхмәҙей һүҙ оҫтаһын барып төртөксләй үк башланы. - Һиңә әйтәм бит күҙле бүкән, тор тим минең урындан, - тигәнгә, тегеһе, бәй, был ни булды тигәндәй күҙҙәрен ыуғылай-ыуғылай карауатына тороп ултырҙы. - Ҡолағыңа кейеҙ ҡапланыңмы әллә? Тор, тор, ана үҙеңдекенә барып ят! - Әхмәҙей йоҡоло ҡатыш иҫәнгерәп ултырған һүҙ оҫтаһын йәнә һелккеләне. – Бында һинең өсөн постель йәйеп киткәнмеңдер шул. Һүҙ оҫтаһы бер сама уянғандай булғас, йырсыға һөҙөп ҡараны: - Нимә, нимә тиң, хәстрүш? - Урыныңа күсеп ят тим. Алйый башланыңмы әллә? - Белгең килһә, бында һинең атайыңдан ҡалған мал юҡ. Кәрәк икән, үҙең бар ҙа ят. Табылған шайлы кеше. – Һүҙ оҫтаһы шулай тине лә ҡабаттан одеялын бөркәнде лә ятты. Был ҡыҙмаса булып алған Әхмәҙейҙең асыуын ғына ҡабартты. Ул һүҙ оҫтаһының одеялын эләктереп кенә алды ла иҙәнгә быраҡтарҙы. - Әле һин шулаймы әле әртис ишараты! Тор тим! - Нимә тиһең? Белгең килһә, бына һин үҙең йырсы ишараты. - Ике арала ҡаты низағ тоҡанды. - Һинең йырсы булып йөрөүең. Беҙҙең ауылдағы любый иҫәр һинән арыу йырлай бит. Имеш, атҡаҙанған йырсы! Күҙеңде туҫтаҡтай упайтып, һыйыр кеүек мөңрәүеңде әйт! Артыңда кеше торғанға әҙәм булып йөрөйһөң бит! Былай булһа, күптән урамға сығарып олаҡтырырҙар ине. Бер нәмә булһа, тотаһың да анау ағайыңа йүгереп бараһың! Әҙәм мәсхәрәһе. Тьфү! – Һүҙ оҫтаһы лысҡылдатҡансы иҙәнгә төкөрҙө. - Үҙеңде бел! - Әхмәҙин тағы ла ҡыҙып китте. Һинең урыныңда любый наҙан эшләй ала. Тотаһың да кеше яҙғанды уҡыған булаһың. Шунан ауыҙыңды ыржайтып көләһең. Бик тә шәп булғас, үҙең яҙ, йәме! Йырлай ҙа белмәйһең бит! - Ҡайтыуым ғына көс, мин һине министрлыҡҡа еткерәм. Юҡ, юҡ, министрлыҡ ҡына аҙ. Тағы ла юғарыраҡҡа барам. Һинең кеүек алкаштарға сәнғәттә урын булырға тейеш түгел! - Әле һин шулаймы әле! - Әхмәҙин һүҙ оҫтаһының иҙеүенә килеп йәбешкәйне лә, аяғы тайып, иҙәнгә салҡан барып төштө. Унан ултырған килеш йәнә һүҙ оҫтаһын талай башланы. - Тыржыҡ танау! Һин дә әртис булып йөрөгәс! Әҙәм ғәрлеге! Бульше һинең менән сәфәргә сыҡһаммы! Бездарный! … Иртән икеһенең дә башы ҡутарылып килә ине. Ярай әле, хужалар ҡунаҡ итеүҙең рәт-сиратын яҡшы белә. Табынға ултырыу менән аш янына бер аҡбашты шап итеп килтереп тә ҡуйҙылар. - Йөҙәр грамм һалайыммы? – тигән тауышҡа йырсы әҙәпле генә: - Зарар итмәҫ ине, - тине. Күҙен тырнап асҡас та шул нәмәләре генә булһа ярар ине тип эстән генә теләгән һүҙ оҫтаһының да йөҙө балҡып китте, бер көләмәс һөйләп, табындаштарын көлдөрөп алды. Бүлт-бүлт-бүлт. Әжәл дарыуы рүмкәләргә ҡойолдо. Ярты сәғәттән барыһының да кәйефе лә, йөҙө лә ялтырбаш кеүек ялтыраны. Бер аҙҙан ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайының сәхнә түрендә матур ғына итеп ултыра ине. Һүҙ оҫтаһы күрше өлкәләге сәнғәт һәм мәҙәниәт көндәренең шәп барыуына ҡыуанды, халыҡта рух һүнмәүенә, сәнғәткә иғтибар кәмемәүенә ҡыуанысын белдерҙе.
Әлеге яһалмалыҡ, әрһеҙлек кеүек кире күренештәр хөкөм һөргән заманда, ҡайһы берәүҙәр үҙен, әллә ни әһәмиәткә эйә булмаған эшен күрһәтергә тырышып торғанда, ябай, асыҡ күңелле, эскерһеҙ кешеләрҙе осратыу үҙе бер таҙа һулыш кеүек.Һеҙҙе таныштырасаҡ геройым булдыҡлы яҡташыбыҙ, Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир УРАЗИНБӘТОВ. Әлеге яһалмалыҡ, әрһеҙлек кеүек кире күренештәр хөкөм һөргән заманда, ҡайһы берәүҙәр үҙен, әллә ни әһәмиәткә эйә булмаған эшен күрһәтергә тырышып торғанда, ябай, асыҡ күңелле, эскерһеҙ кешеләрҙе осратыу үҙе бер таҙа һулыш кеүек. Һеҙҙе таныштырасаҡ геройым булдыҡлы яҡташыбыҙ, Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов. Ҡотош ауылында тыуған егет «Үҙ өҫтөңдәге яуаплылыҡты башҡалар иңенә һалырға ярамай» тигән һүҙҙәрҙе күптән тормош девизы итеп алған. Ул Фәүриә һәм Ибраһим Уразинбетовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Ауыл мәктәбендә туғыҙ класс тамамлағас, Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһында белем ала. Күмертау авиация техникумын, ситтән тороп Өфө авиация университетының Күмертау филиалын тамамлай. Хеҙмәт юлын ҡала дауаханаһында энергетика бүлеге етәксеһе булып башлай. Ил алдындағы бурысын Дағстан республикаһында үтәп ҡайта. Әрменән һуң Рәсәй тимер юлы селтәрендә 13 йыл электромеханик була. 2019 йылдың сентябренән Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә. Илмир менән әңгәмәләшкән саҡта был тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инандым. Һөйләшеү барышында уның бала саҡ хыялдарына әйләнеп ҡайтҡас: «Рәсәй Президенты булырға хыялландым», - тине ул көлөп. Ни өсөн ябай ауыл малайы, үҙ тиҫтерҙәре кеүек осоусы, космонавт түгел, ә ил Башлығы булырға теләгән? Рәсәй дәүләте менән идара итеү өсөн түгел, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, еңеләйтеү һәм халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы закондар уйлап табыу хаҡында хыяллана ул. Ил Президенты уҡ булмаһа ла, уның әлеге эшмәкәрлеге халыҡтың йәшәйеше менән туранан-тура бәйле. Хакимиәт башлығының башҡарған һәр эше күҙ алдында булһа, шул уҡ ваҡытта иғтибарҙан ситтә ҡалғандары ла бихисап. Бигерәк тә ауыл еренең ваҡ мәшәҡәте менән бергә хәл итәһе мөһим мәсьәләләренең дә бөтөп торғаны юҡ. Туҡталыштар урынлаштырыу, сүп-сар майҙансыҡтары булдырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, ағас ултыртыу, бесәнлек бүлеү, ҡышын юлдарҙы таҙартыу, тирә-яҡты тәртиптә тотоу, өмәләр ойоштороу... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Уларынан тыш, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү, төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуймау, килеп тыуған низағтарҙы ыңғай көйләү кеүек күренештәр ҙә урап үтмәй хакимиәт башлығын. Илмир Ибраһим улы менән әңгәмәләшкәндә, дилбегәне йыш ҡына уның вазифаһы, башҡарған эштәре яғына тартһам да, ул бик тыйнаҡ һәм ипле кеше булараҡ, һүҙҙе күберәк тормоштоң үҙенә, мәңгелек ҡиммәттәргә йүнәлтә. Етәксе булараҡ, ул яңынан-яңы идеялар менән янһа, кеше булараҡ, уны йәшәйешкә ҡағылышлы бар мәсьәлә лә борсой. Ауылдарҙағы эшһеҙлеккә битараф ҡала алмай, шуға ла үҙ эшен асырға теләгәндәргә ҡуш ҡуллап ярҙам итергә әҙер. Һуңғы йылдарҙа күпләп барлыҡҡа килгән, тирә-яҡты йәмһеҙләп ятҡан сүп-сар өйөмдәренә лә тыныс ҡарай алмай ул, үҙ биләмәһендәге ауылдарҙы тәртиптә тотоу өсөн бар көсөн һала. Уның ҡарамағында барлығы ун ауыл. Уларҙың һәр ҡайһыһы етәксе кешенән иғтибар, ярҙам көтә. Әңгәмә барышында ла телефоны шылтыратыуҙар ҡабул итеүҙән туҡтаманы. Ул һис зарланыуһыҙ үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙе тыңлай, кәңәшен бирә, килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү юлын күрһәтә. Үҙе әйтмәһә лә, белеп торам: кеше хәҙер еңел тормошҡа өйрәнде, үҙе башҡара алғанды ла эшләмәй, һәр ваҡыт ситтән ярҙам көтә. Шылтыратыусыларҙың үҙҙәре лә хәл итә алырлыҡ, юҡ ҡына һорауҙар менән борсоғанын аңлап торғанлыҡтан, етәксе кешегә «нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ», тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. Баҡһаң, ул эшен бар күңелен һалып башҡара һәм өҫтөндәге яуаплылыҡты бүтәндәргә тапшырып өйрәнмәгән икән. Ваҡытты ла дөрөҫ бүлә белә. Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, бар ваҡытын эштә үткәргән иң тынғыһыҙ етәксенең дә ял минуттары булалыр, тип, Илмирҙан шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында һорашам. Һирәк кенә эләккән ялында ул ҡурайҙа уйнап, китап уҡып, күңелен рухи яҡтан байыта икән. Атаһы Ибраһим Әмирғәли улы һәм әсәһе Фәүриә Зәки ҡыҙы үҙ балаларын намыҫлы, ғәҙел итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған була. «Беҙҙең ғаиләлә иң тәүге урында тәртип һәм намыҫ ине», ти әңгәмәсем. Тыуып үҫкән ғаиләлә алған тәрбиәне ул үҙ ғаиләһенә лә һалырға тырыша. Ҡатыны Рита Ришат ҡыҙы менән Әлфиә һәм Илназ исемле ике бала тәрбиәләйҙәр. Кескәйҙәр йыр-моңға битараф түгел, икеһе лә йырлай. Был тормошта һәр кемдең үҙ юлы, тәғәйенләнеше бар. «Булмышың менән килешеп йәшәү өсөн һәр хәл-ваҡиғаны дөрөҫ ҡабул итә белеү фарыз, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы кешегә тәжрибә, һабаҡ бирә, йәшәргә өйрәтә», - ти булдыҡлы яҡташыбыҙ. Уның был һүҙҙәренә, һәм мотлаҡ үҙ хыялдарыңа тоғро ҡалыу кәрәк, тип тә өҫтәр инем. Бала сағынан тормошто йәмләп, башҡалар мәнфәғәтен ҡайғыртып, әйләнә-тирәһендәгеләргә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәүҙе маҡсат итеп алған замандашымдың алда башҡараһы изге эштәре, яҡшы ғәмәлдәре күп булһын.
Кем беҙҙе атай-әсәйгә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата, иркәләтә, һәр теләгебеҙҙе үтәй? Әлбиттә, олатай һәм өләсәй! Бөгөн донъяның 30-ҙан ашыу илендә уларҙың байрамы билдәләнә! Кем беҙҙе атай-әсәйгә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата, иркәләтә, һәр теләгебеҙҙе үтәй? Әлбиттә, олатай һәм өләсәй! Бөгөн донъяның 30-ҙан ашыу илендә уларҙың байрамы билдәләнә! Төрлө илдәрҙә Олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө төрлө ваҡытта үткәрелә, ә Рәсәйҙә уларҙың байрамы 28 октябргә тура килә. Урыҫтар был көндө юҡҡа һайламаған, борон-борондан был көндә славяндарҙың Көҙгө бабайҙар көнө үткәрелгән. Был матур көндә беҙ олатай-өләсәйҙәрегеҙгә шылтыратып, хәл белешергә, уңайы сыҡҡанда - барып ҡотларға (тик һаҡ булығыҙ, вирус йоҡламай) тәҡдим итәбеҙ. Әгәр ҙә күрше-тирәгеҙҙә яңғыҙ әбей, бабайҙар йәшәһә, уларҙы ла ҡотлап, тәмлекәстәр, сәй бүләк итергә мөмкин. Шатланып, теремекләнеп китер үҙҙәре! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Хәҙер инде был һүҙҙәр бер кемдә лә аптырау тойғоһо уятмай: донъя, ысынлап та, пандемияға тиклемге һәм унан һуңғы осорға бүленде. Коронавирус сәләмәтлектең ҡәҙерен белергә өйрәтеү, йәшәйеш ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаларға мәжбүр итеү менән бер рәттән, медицина хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ эшенең бәҫен күтәрҙе, табиптарҙың абруйын арттырҙы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы эпидемиологик хәл медицина юлын һайлаған йәш белгестәрҙе лә бик иртә хеҙмәт юлына баҫтырҙы. Мәғлүм булыуынса, республи­ка­ның медицина учреждениеларында Башҡортостан дәүләт медицина университетының юғары курстарында уҡыған студенттар эшләй, улар төп персоналға ярҙам йөҙөнән һөнәри булышлыҡ күрһә­тә. Шундайҙарҙың береһе – Айгөл Әхмәтйәнова. Уға 23 йәш, баш ҡалала тыуып үҫкән. 2019 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университеты эргәһендәге медицина колледжын тамамлап, шәфҡәт туташы дипломын алған. Әйтеүенсә, ғаиләлә медицина хеҙмәткәрҙәре юҡ, мәгәр әсәһе бәләкәстән табип булырға хыялланған, әммә уның ниәте тормошҡа ашмаған. “Бәлки, уның теләге миңә күскәндер”, – ти Айгөл. Әлеге ваҡытта тырыш ҡыҙ Башҡортостан дәүләт медицина университетының өсөнсө курсында, медицина-иҫкәртеү факультетында белем ала. “Әлбиттә, минең урта һөнәри белемем бар, мәгәр, әлеге ваҡыт­та медицина тармағының бөтөн­ләй икенсе йүнәлеше буйынса һө­нәремде камиллаштырам. Төркөм­дәшем менән мине республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙә­генә медицина практикаһын үтергә ебәргәс, башта бер аҙ албырғап ҡалдым. Шул уҡ ваҡытта, сирләү­селәр статистикаһының арта барғанын күреп, беҙҙең ярҙам ваҡытлы һәм урынлы икәнлегенә инандым. Мин уҡыған факультет сирҙәрҙе иҫкәртеү йүнәлештәре буйынса махсуслаша. Шуға ла был һөнәри тәжрибә минең өсөн бик мөһим. Әйткәндәй, төркөм­дәшемдең дә шәфҡәт туташы дипломы бар, шуға бер-беребеҙҙе аңлап, ярҙам итешеп эшләйбеҙ, бактериологик тикшеренеүҙәр лабораторияһында шәфҡәт туташтары бурыстарын үтәйбеҙ. Көн һайын кешеләрҙең тын алыу юлдарында COVID-19 вирусы барлығын йә юҡлығын тикшереү, ҡанда антиесемдәр бар­лығын асыҡлау өсөн анализдар алабыҙ, башҡа һабаҡ­таштарыбыҙ сирлеләр араһында мониторинг үткәрә. Шуныһы – медицина колледжын тамамлап, диплом алғас, мин шәфҡәт туташы булып эшкә урынлашырға ҡыймағайным. Дөрөҫөн әйткәндә, яуаплылыҡтан да ҡурҡтым. Әммә донъялағы эпидемиологик хәл ҡараштарымды һәм ысынбарлыҡты үҙгәртте – хәҙер шәфҡәт туташы булып эш­ләйем. Был миңә һөнәремдең ни тиклем мөһим икәнлеген, кеше­ләргә кәрәклеген аңларға ярҙам итте”, – ти Айгөл Азамат ҡыҙы. Йәш белгескә һаулыҡ һәм уңыштар юлдаш булһын. Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһын ҡаршылап, район мәҙәниәт бүлегенең методик үҙәге малайҙар араһында башҡорт халыҡ уйындарына нигеҙләнгән «Ҡырҡты батыры» ярышын ойошторҙо. Спорт һәм мәҙәниәтте дөйөмләштереүсе уртаҡ һыҙат — спорт мәҙәниәте тәрбиәләү. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уҙғарған спорт ярышы онотолоп барған халыҡ уйындарын тергеҙеүҙе, уларҙың рәт-сиратына өйрәтеүҙе һәм заман балаларын гаджеттарҙан айырып, бала саҡ иленә ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Сара «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙҙы. Батыр исеме өсөн Т. Кусимов исемендәге гимназияның һәм 1-се Асҡар урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары көрәште. Ярыштар 16-шар малайҙан торған ике төркөм араһында ҡыҙҙы һәм һәр ҡатнашыусының шәхси иҫәбендә лә мәрәйҙәр яҙылып барҙы. Милли уйындарыбыҙҙа көстәр тиң, ярыш ғәҙел булырға тейеш. Уйынды башларҙан алда малайҙарҙың тән ауырлығы үлсәнде, көс талап иткән ярыштарҙа дәғүәселәр ауырлыҡ категорияһына ҡарап билдәләнде, шыбаға ла тоттолар. «Өйрәк һәм төлкө», «Дүрт мөйөшләп арҡан тартыш» (һүрәттә) кеүек күмәк уйындарҙан тыш, ҡул көсөн һынап, ултырған килеш таяҡ тартыу, уҡ атып мәргәнлектә ярышыу, ҡороҡ ташлау кеүек шәхси беренселеккә ярыштар ҙа уҙҙы. Ярышты мәҙәни ял үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Рөстәм Баһаув алып барҙы. Заһит Ғәбитов иң ғәҙел хөкөмдар булды, Әлфиә Заһиҙуллина мәрәйҙәрҙе теүәлләне. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса гимназия командаһы еңеүсе булды. Ә шәхси иҫәптә 10-шар мәрәй йыйған Данир Танһыҡҡужин (гимназия) менән Ғәҙел Дәминов (1-се мәктәп) араһында өҫтәмә ярыш үткәрелде. Малайҙарға өс тапҡыр уҡтан атыу мөмкинлеге бирелде һәм мәргәнлектә алдырған Ғәҙел «Ҡырҡты батыры» исеменә лайыҡ булды. Данир — беренсе, Руслан Шакиров менән Артур Насибуллин — икенсе, Айҙар Ғәбитов, Вилдан Ишбулатов өсөнсө урындарҙы бүлеште. Еңеүселәрҙе методик үҙәк мөдире Гөлшат Шәйәхмәтова ҡотланы, кубок һәм миҙалдар тапшырылды. Гөлнара КҮСӘРБАЕВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
19 ғинуарҙа Өфөлә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын ойоштороусыларҙың һәм Попечителдәр советының берлектәге ултырышы уҙҙы, тип хәбәр итә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Кәңәшмәлә совет рәйесе итеп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, секретары итеп Өфөнөң 7-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова һайланды. Фонд директоры Гөлназ Йосопова ойошманың 2020 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны, шулай уҡ ағымдағы йылға билдәләнгән саралар хаҡында һөйләне. 2020 йылда фонд Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, «Яңы ҡараш» һәм «Яңы ҡараш 2.0» башҡорт проекттарының исем туйы, Башҡорт теле көнө, «Эшлекле башҡорт теле» уҡыу ҡулланмаһы кеүек проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙы, башҡорт телен өйрәнеү өсөн «Инофон», «Әлләсе», «Башворд», «Эшлекле башҡорт теле», «Башкортсофт» онлайн тәржемәсе ҡушымталары әҙерләп сығарҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары, Попечителдәр советы ағзаһы Урал Килсенбаев республика етәкселеге исеменән фондҡа әүҙем эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. https://www.bashinform.ru/news/1548177-popechitelskiy-sovet-fonda-po-sokhraneniyu-bashkirskogo-yazyka-vozglavila-gulfira-abdullina/ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты Александр Невский ордены менән бүләкләне. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Радий Хәбиров Александр Невский ордены менән бүләкләнде Республика етәксеһе «Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» бүләкләнгән, тиелә документта. Белешмә. Александр Невский ордены менән Ватан алдында дәүләт төҙөлөшө эшендәге шәхси ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ тырыш намыҫлы хеҙмәте һәм хеҙмәт вазифаларында эшләгән осорҙа Рәсәйҙең халыҡ-ара абруйын, илдең оборонаға һәләтлеген нығытыу һәм иҡтисадты, фәнде, мәғарифты, мәҙәниәтте, сәнғәтте, һаулыҡ һаҡлау эшендә ирешкән һәм башҡа ҡаҙаныштары өсөн, шулай уҡ иҡтисад, ғилми-тикшеренеү, социаль-мәҙәни, мәғариф һәм башҡа йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлектә өлгәшкән шәхси ҡаҙаныштары өсөн дәүләт хеҙмәте вазифаһын башҡарған Рәсәй Федерацияһы граждандары бүләкләнә. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Хис... Мөхәббәт хисе... Ҡылдан да нәҙек бит ул. Һаҡһыҙ ҡыланһаң, өҙөлә лә ҡуя. Сираттағы мөхәббәт хаты ла тап ошондай хис тураһында булыр. Был йөрәк һыҙлауы ҡасан баҫылыр?! Бар булмышымды баҫып алған ауыртыныуға түҙә алмай, иҙәнгә һығылып төшәм. Юҡ, иламайым мин. Илай-илай, йәштәрем бөттө, хәлем дә ҡалманы. Ниндәй гонаһтарым өсөн ебәрҙе һине миңә Юғары көстәр?! Бер кемдең дә хис-тойғоларынан көлгәнем дә, эшкә һанамағаным да булманы бит!.. Барыһы ла нисек матур башланғайны! Күптән ир-егет халҡына ышанмаған йөрәгемде яулар өсөн нимә генә эшләмәнең?! Һинең смс хәбәрҙәреңдең ҡайнарлығынан телефоным ирер сиктә ине бит. “Хоҙай һине был донъяға тик минеке булһын өсөн яралтҡан... Һине Баймаҡта булмағанда, ҡояштың балҡышы, төҫтәрҙең сағыулығы юғала... Һинең эшең янынан көнөнә ун мәртәбә үтәм, тәҙрәләреңә ынтылып-ынтылып ҡарайым. Йүгереп килеп сығырһың да, минең ҡосағыма атылырһың төҫлө...” Ошондай һүҙҙәрең айҙар үтә бара тәнемде эҫеле-һыуыҡлы итә башланы. “Ә, бәлки, һин дә бәхеткә лайыҡһыңдыр? Мөхәббәтең, яҙмышың – Улдыр!”-тип тынғы бирмәне йөрәгем. Сираттағы өгөтләүеңә ҡаршы тора алманым – осрашыуға килдем. Гөлләмәңде шундай ҡыйыуһыҙ ғына тапшырға кеүек инең. Тәүге мәртәбә ҡайнар иреңдәреңде тойоу ҙа йөрәгемә утлы тамға һалды. Эйе, мин тик һинеке булырға хыялландым... Ҡайҙа, ҡайҙа шул хистәр?! Мөхәббәт аҡылдан яҙыу сиккә етеү?! Ҡапыл ҡарашың һалҡынайҙы, әйтерһең дә, һин бөтөнләй сит кеше. Уйламағанда юғала башланың. Бер ҡасан да әйтмәгән һүҙҙәрҙе үҙем яңғыраттым: “Бөгөн осрашабыҙмы, йәнем?”. Өндәшмәй ҡалдың, унан: “Көт, килермен”,-тинең. Килмәнең. Ә мин көттөм дә көттөм. Тәүгә сәғәтте үтә әкрен йөрөйһөң тип әрләнем, ә һинең килер ваҡытың үтеп киткәс, “ҡайҙа ҡабаланаһың?!” тип ярһыным. Көттөм. Бер көн, ике көн, аҙна... Ә һинең шылтыратыуың да, смс хәбәрҙәрең дә юҡҡа сыҡты. Мин терелә лә, терелтә лә беләм. Һинһеҙ йәшәргә өйрәндем. Тик һин шуны һиҙгән һымаҡ тағы барлыҡҡа килдең, мине кемдәндер көнләштең, нимәләлер ғәйепләнең... Ә мин үҙемде һәр саҡ ғәйепле тойоп, үҙем ғәфү үтендем. Ҡайнар һүҙҙәр, смстар, таңға тиклем һөйләшеүҙәр тағы тергеҙелде. Йөрәгем тағы ярһыны, күңелем тик һиңә ашҡынды. “Һин тик минеке, ишеттеңме, мин һине бер кемгә лә бирмәйем!”-тип туҡтауһыҙ ҡабатланың миңә. Һәм... тағы юғалдың. Был юлы эҙләмәнем һине. Бергә үткән һуҡмарҙы үттем, йоҡлай алмағанда социаль селтәрҙәрҙәге фотоһүрәттәреңде ҡосаҡлап йоҡланым, “һин минеке генә” тигән тауышыңды ишетеп төнөн һаташып уяндым. Һәм көттөм, йәшермәйем, көттөм. Ун көндән һуң яңынан сәскәләр тотоп балҡып килеп еттең. “Йөҙөң һурыҡҡан, ябыҡҡанһың, әллә ауырыйһымы?”-тип һораның. “Эйе, ауырыйым, мин һинең менән аурыйым!”-тип ҡысҡырғым килде. Тик өндәшмәнем. Һин ҡосаҡланың, мин тағы иренем, үҙ-үҙемде юғалттым. Осрашыу-юғалыуҙарың менән арыуыҡ ваҡыт үтеп тә киткән. Минең йөрәгем бөгөн һуңғы көн һыҙлай... Юҡ, мин үҙ-үҙемде бер ни ҙә эшләтергә йыйынмайым. Мин һинән баш тартам. Эйе, һин миңә кәрәкмәйһең!.. Һин миңә кәрәкмәйһең!.. Әгәр мөхәббәт тик ғазап килтерә икән, ары йөрөһөн ул минән. Ошо фекергә килгәндән һуң, ниһайәт, бер төн тыныс йоҡланым – йоҡом туйҙы, кәйефем күтәрелде. Ә һиңә тик шуны ғына әйткем килә: “МИН ҺИНЕКЕ ТҮГЕЛ!”.
Беҙҙең район экология яғынан иң таҙа тип иҫәпләнә, шуға ла башҡа яҡтарҙа тамыр ебәрә алмаған файҙалы, һирәк үҫемлектәр күп. Улар араһына АРТЫШты ла индерергә була. Тау-таш араһын үҙ иткән был үҫемлек беҙҙең яҡта һәр йортта тиерлек бар. Уның менән төтәтеп өйҙөң һауаһын зарарлы микробтарҙан таҙартабыҙ, әгәр, сәйнәһәң, ауыҙ эсендәге вирустарҙы ла үлтерә тиҙәр, һ.б. шифалы яҡтары күп. Ә бына Мәрйәм апай Бураҡаева артыштың быуындар, һөйәк һыҙлауын баҫыуы тураһында бәйән итә. Беҙҙең район экология яғынан иң таҙа тип иҫәпләнә, шуға ла башҡа яҡтарҙа тамыр ебәрә алмаған файҙалы, һирәк үҫемлектәр күп. Улар араһына АРТЫШты ла индерергә була. Тау-таш араһын үҙ иткән был үҫемлек беҙҙең яҡта һәр йортта тиерлек бар. Уның менән төтәтеп өйҙөң һауаһын зарарлы микробтарҙан таҙартабыҙ, әгәр, сәйнәһәң, ауыҙ эсендәге вирустарҙы ла үлтерә тиҙәр, һ.б. шифалы яҡтары күп. Ә бына Мәрйәм апай Бураҡаева артыштың быуындар, һөйәк һыҙлауын баҫыуы тураһында бәйән итә. “Арғымаҡ исемле китабымда Рәғиҙә Янбулатованы артыш төнәтмәһе менән дауалауым һәм ыңғай һөҙөмтә биреүе тураһында яҙғайным. Рәғиҙә апайҙы атлай алырлыҡ хәлгә килтергәс, уйлана башланыҡ: анау тиклем шифалы үҫемлекте халыҡҡа нисек еткерергә икән. Ботаҡлап таратып булмай – ҡойола; онтаҡтан төнәтмә яһап булмай. Эҙләнә торғас, һабын, төнәтмә, бальзам идеяһы табылды һәм Таңсулпан ҡыҙым эшләү ысулын тапты. Артыш бит экологик яҡтан иң таҙа төбәктәрҙә генә үҫә. Беҙ Ейәнсура районының Ибрай ауылы тирәһе артышын файҙаланабыҙ. Артыш быуын һыҙлауҙан һәйбәт. Күҙ тейеүҙән. Һабын күбеге менән танау эсен йыуыу вирустан һаҡлай. Бальзам менән спирт төнәтмәһе быуын, һөйәк һыҙлауын баҫа. Эсеү өсөн файҙаланылмай. Фәҡәт тышҡы дауаланыу сараһы. Нисек йыйырға: Артышты орлоғо ҡарайып бешкәс, сентябрь аҙағында, октябрҙә йыялар. Балта менән сабыу бик үк дөрөҫ булмай. Төбөндә йәшел ботаҡтары ҡалһа, мөмкин. Орлоғо дауаланыу өсөн бик һәйбәт. Төнәтмә әҙерләү: Артышты энәләре, ҡуҙаҡтары менән банкаға нышып тултыраһың да өҫтө ҡапланғансы аҡ араҡы йәки спирт ҡояһың. Ҡара йәшел төҫкә ингәс, һарҡытып ултыртаһың. Тәүҙә аҙ ғына миҡдарҙа файҙаланырға”. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Өфө ҡалаһының Инорс микрорайонында йәшәүсе ата-әсәләрҙе балаларын йөҙөү төркөмдәренә яҙҙыртырға саҡыралар. 5 февралдә Т. Йәнәби урамы, 36/1-се йорт адресы буйынса асылған яңы бассейн йөҙөү түңәрәгенә саҡырыуы тураһында иғлан итте. Балаларҙы 10.30 сәғәттән 13.00 сәғәткә һәм 17.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем түбәндәге көндәрҙә йөҙөүгә яҙҙыра алаһығыҙ: Өфө ҡалаһының Инорс микрорайонында йәшәүсе ата-әсәләрҙе балаларын йөҙөү төркөмдәренә яҙҙыртырға саҡыралар. 5 февралдә Т. Йәнәби урамы, 36/1-се йорт адресы буйынса асылған яңы бассейн йөҙөү түңәрәгенә саҡырыуы тураһында иғлан итте. Балаларҙы 10.30 сәғәттән 13.00 сәғәткә һәм 17.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем түбәндәге көндәрҙә йөҙөүгә яҙҙыра алаһығыҙ: - 11 февралдән 13-нә, 17 февралдән 19-на тиклем – 2013 йылғы балалар; - 25 февралдән 28-нә тиклем – 2011 йылғы балалар. Үҙегеҙ менән баланың тыуыу тураһында таныҡлығын һәм ата-әсәнең йәки опекундың паспортын алырға онотмағыҙ. Абонементтар буйынса һауыҡтырыу төркөмдәренә яҙылыу 3 мартта башланыр, тип көтөлә. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Республикала социаль инфраструктура – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф объекттары, инженер селтәрҙәре һәм юлдар төҙөлөшөнә бүленгән аҡсалар күләме ярайһы уҡ артҡан. Был турала Башҡортостан Башлығы иҡтисад һәм социаль өлкәләге предприятие һәм ойошма етәкселәре – ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙа белдерҙе. «Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау программаһына 2018-2020 йылдарҙа яңы объекттар төҙөүгә кәмендә 12 миллиард һум талап ителәсәк. Рәсәй Федерацияһының һанаулы төбәктәре генә бындай төҙөлөштәрҙе үҙаллы алып бара ала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Юл фонды күләме 5-6 миллиард һумдан 19 миллиард һумғаса артҡан. Һуңғы ете йылда ошо сумманы өс тапҡырға арттырҙылар, был ғәйәт ҙур үҫеш». Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, республика ҡаҙнаһының сығым өлөшө алдағы йылдарҙа ла социаль йүнәлешен һаҡлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта яңы объекттар, атап әйткәндә, мәктәптәр, реабилитация үҙәктәре, поликлиникалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөүгә саралар күләме артабан да үҫәсәк. «Алға китеш бар, республика эшләй. Булған бөтә ресурстарҙы ла социаль үҫешкә йүнәлтәсәкбеҙ. Был республика ҡаҙнаһы сығымдарының ҙур өлөшө, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта дәүләт-шәхси партнёрлыҡ варианттарын да әүҙем өйрәнергә кәрәк». Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Ышанач" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
"...Күп тә үтмәҫтән, ирҙәрҙең береһе быуылып илаған сабыйҙы ҡулына алды. Сабыйға бер ни ҙә булмаған. Ҡар ҡатламы аҫтында ул һыуыҡҡа бирешмәгән. Ә әсәһе. Сөйөмбикәнең аяҡ-ҡулы боҙ булып ҡатҡан, ә ҡуйыны әле йылы килеш. Ғәжәп! Әсә тәненең бар йылыһы, сабый ғүмерен ҡурсалап ҡалыр өсөн, бер урынға - уның ҡуйынына йыйылғанмы әллә? Әсәй үҙе өшөп һәләк булһа ла, уның йөрәге, аңы аҡтыҡ һулышына ҡәҙәр бала ғүмере өсөн көрәшкән. Көрәшкән һәм еңеп сыҡҡан: ун айлыҡ ҡыҙ мөғжизә менән тере ҡалған..."(булған хәл)#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Хикәйәләр#Әҙәбиәт (Булған хәл). Иртән торғандан Сөйөмбикәнең килке-килке йөрәге сығып аптыратасы. Әллә көн боҙоғо шулай баҫа, әллә күңеле бер-бер хәл һиҙә. "Көн яманы үтә лә китә, бына әҙәм яманы үҙәккә үткәрә", - тине ҡәйнәһе Нәҡиә бер көн. Өҙөп кенә әйтмәһә лә, Сөйөмбикә уның тел төбөн һиҙҙе: бер нисә йыл элек гүр эйәһе булған ҡайныһы, күрәһең, алтын затынан булмаған. Юғиһә, егерме йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән ирен шул тиклем рәнйеп иҫкә алмаҫ ине. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Сөйөмбикәнең матур киләсәккә өмөтләнеп, хыялланып сыҡҡан Сәмиғуллаһы ла үлтереп маҡтар зат түгел. Шул уҡ ваҡытта уны яман әҙәм, тип тә әйтеп булмай. Аңламаҫһың: көйө килгәндә, ҡәҙимге кеше, еңмеш яғы әйләнеп, бер тиҫкәреләндеме... - Килен! Өйҙәһеңме, килен? - Көтмәгәндә ишетелгән тауыш урындыҡ ситендә ултырған Сөйөмбикәнең ауыр уйҙарын бүлде. Ул хатта һиҫкәнеп, тертләп китте. Әллә йөрәге лә боҙолоп бара инде? - Әйҙә, үт, ҡәйнәм, үт, - ҡәйнәһенең тауышын танып, килене уға ҡаршы атланы, - һыуға сығырға тора инем. - Йомошом ҙур түгел, килен, - тине Сөйөмбикәнең һүҙҙәрен үҙенсә аңлаған ҡәйнә. - Күп ваҡытыңды алмам. Хатип ҡайнағаң киске ашҡа әйткәйне, шул сәләмде еткерергә тип ингәйнем. Тумалаҡ кәүҙәле, һәләк сос, хәрәкәтсән Нәҡиә апай хәбәрҙе ярып һалып торһа ла, бәғзе бер иләк ауыҙҙар ише, алағайымға ләстит һатып, ғәйбәт һөйләп йөрөмәҫ. Айырыуса килененә ҡарата кешелекле, кеселекле ул. Туғанлашыуҙың тәүге көндәренән уны үҙ балаһы һымаҡ күрҙе, алдында һауаланып йөрөмәне. Киреһенсә, Сөйөмбикәнең итәғәтлегенә ҡыуанып бөтә алмай. Баҫҡан ерендә ут сығара тип, тап Нәҡиә һымаҡтар хаҡында әйтелгәндер ул. Өҫтәүенә, ҡулынан килмәгән кәсеп юҡ. Килен ҡәйнә буҫағаһынан: Сөйөмбикә лә, ҡәйнәһенә оҡшап, мәшәҡәттәрҙән һис ҡурҡып тормай. Уның, эшем юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырғаны булмаҫ. Бөткәнме ни ауыл ерендә эш! Намыҫы юҡтарҙың, тере ялҡауҙарҙың ғына эше юҡ. Уларҙың донъяһы һәр саҡ теүәл. Донъялары емерелеп ятһа ла. Өс бала әсәһе булыуға ҡарамаҫтан, сибәрлеген ташламаған, киреһенсә, сабыйҙарын яҡты донъяға килтергән һайын һылыулана, ымһындырғысыраҡ була барған аҡ йөҙлө, асыҡ-зәңгәр күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы илгәҙәк Сөйөмбикә ҡәйнәһенең өҙөлөп тороу сәбәбен ҡайсаҡ үҙенсә гөман итә: тимәк, ҡәйнә кеше улының бәйелһеҙ холҡонан уңайһыҙланып, килененә еңеллек теләй, уның алдында өнһөҙ генә ғәфү үтенә. Тик был турала Нәҡиә бер ваҡытта ла ауыҙынан сығарып һүҙ әйткәне юҡ. Сөйөмбикә лә үҙ сиратында ҡәйнәһен, балаларының яратҡан өләсәһен, бар хәленсә хөрмәт итергә, уға ҡарата ижтиһад ҡылырға, һәр ипле килен шикелле, ҡәйнәһенә ярарға тырыша. Шөкөр, күпме бергә йәшәп тә, әле бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешкәндәре, бер-береһен яманлап йөрөгәндәре юҡ, иншалла. Шулай ҙа ҡайнағаһы ни уйлап бынауы сасҡау һыуыҡта, өҫтәүенә, буран сығырға торғанда ҡунаҡ йыйырға булып китте икән? Күрәһең, башҡа уңай мәлен тапмағандыр. Ул да бит, баш инженер булараҡ, эш тип көнө-төнө саба. Бараһы ер алыҫ түгел түгеллеген, урта хәл атҡа бер сәғәтлек юл. Шулай ҙа ялан ерҙең бураны шөбһәләндерә. Бер тапҡыр булһа ла юлда ҡалып, үҙ елкәһендә татып ҡарағандар ғына белә уны. - Үҙебеҙ нисек тә итер инек, ҡәйнәм, балалар бар бит әле. Улар менән ҡышҡы юлға сығыуы. - Сөйөмбикә баҙнатһыҙ ғына баш тартмаҡсы итте. -Танаҡайҙың да көнө еткән. - Ер аяғы ер башына китеп бармайбыҙ әле, килен. Йылыраҡ итеп кейенербеҙ, толоп алырбыҙ. Ә сабыйың өсөн борсолма, - Нәҡиә сәңгелдәктә ятҡан балаға эйәк атты. - Бирешмәҫ. Әсә ҡуйынында бала үлмәй ул. Бармаһаҡ, ҡайнағаңдың хәтере ҡалыр. - Әллә инде... "Әллә инде, ҡәйнәм, Сәмиғулланың ауыҙына хәмер эләкһә, холҡон үҙең беләһең", тип әйтмәксе ине Сөйөмбикә. Әйтә алманы, эскерһеҙ ҡәйнәһенең күңелен уйланы. Эшкә егәрле, дәү кәүҙәле бөтмөр Сәмиғулла былай насар кеше түгел. Насар кеше тип әйтергә тел әйләнмәй. Айныҡ сағында унан да йыуаш, унан да күндәм ир юҡ. Уның һымаҡтар хаҡында, ғәҙәттә, "быҙау" тиҙәр. Ана шул быҙау аҙ ғына араҡы ҡабып, ҡаны ҡыҙып алдымы, күҙ алдында ер сапсып, ажғырып торған бүгәй үгеҙгә әйләнә лә ҡуя. Аптырарһың, бер-ике йотом шыйыҡса шул тиклем дә үҙгәртә алыр икән әҙәмде. Бер туйҙа ҡоҙасалары йығылып ятып үпкәләй-үпкәләй ҡыҫтағастары, уларҙың һүҙен йыҡмайым тип, иблескә әүерелдерер аҫтыртын эсемлекте Сөйөмбикә лә үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр татып ҡараны. Эсте лә, ут ише көмөшкә шунда уҡ тын юлын бөрөп, тамағын ҡурып алыуҙан сәсәп үлә яҙҙы. Шунан һуң уны эсеү түгел, тотоп та ҡарамай. Ныҡ биҙҙе. Бер уртлам һаҫыҡ көмөшкә хаҡына йәнен бирергә риза ир заттарына ҡарап хайран ҡалып аптырай: ни йәмен, ни тәмен табаларҙыр шул шайтан һыуының? Ә балалар өлөшөнә инеп, шул сәрхүштәрҙең һуңғы тиненә ҡәҙәр һыпырып алып ултырған "кәпәстәр" ни уйлайҙыр? Нисек намыҫтары етеп, кеше күҙенә ҡарайҙарҙыр? ...Хужа менән хужабикә ҡунаҡтарын яҡты сырай, йылы һүҙ менән ҡаршы алды, аяғөҫтө тороп һыйланы. Уйын-көлкөһө лә, һый-хөрмәте лә мул ине. Бер аҙға ғына булһа ла ығы-зығылы донъя мәшәҡәттәренән арынып, күңел асып ултырҙылар. Сөйөмбикәнең борсолоп икеләнеүҙәре юш килде: ауыҙына араҡы тейгән Сәмиғулланың теле көрмәлеп, һөйләгәндәре торған һайын мәғәнәһеҙерәк була барҙы. Эт тә ашамаҫлыҡ һүҙҙәр йышыраҡ ишетелде. Ире өсөн йөҙө ҡыҙарып ултырған Сөйөмбикә түҙмәне: - Ҡәйнәм, Сәмиғҡа әйт әле, ныҡлап иҫереп китмәҫ элек ҡайтайыҡ инде, - тип ялбарғандай итте. Шыбырлап тигәндәй әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡолаҡ сите менән ишетеп ҡалған Сәмиғулла янъял ҡуптарҙы. - Көт, хәҙер алып ҡайтырмын! - Ул ултырған еренән һауыт-һаба шалтыратып, өҫтәлгә һуҡты. - Кәк мин ағайыма килһәм, тиҙерәк апҡайтыу яғын ҡайыраһың! Үҙеңә етмәгән, әсәйҙе ҡотортоп ултыраһың. - Һуң, Сәмиғ, Алаҡай беренсегә быҙауларға ҡалды, буран да көсәйергә... - Бар, үҙең ҡайт, инәңде... - Сәмиғулла енләнеп китте. - Минең туғандар һинең өсөн кеше түгел, үҙ туғаның ғына туған! Ғүмерең буйы минең ағай-энене яратманың! - Ҡуй, улым, юҡты һөйләмә, - Нәҡиә сикһеҙ ярһып киткән улын тынысландырырға маташып ҡараны. - Килен, шөкөр, һәйбәт. Уға һүҙ тейҙерәһе булма. Ә ағаһы менән ҡәйенеңгәһе әйткәнде Сәмиғулла ишетергә лә теләмәне. - Һәйбәт булғас, ана бара юлы! - Ул сәбәләнеп, ҡулын һелтәне. - Уйнашы көтәлер, шәт! - тип, нахаҡ ғәйеп тағып, бар асыуына ҡысҡырына башланы. - Сәмиғ, ни һөйләйһең, яҙыҡтан ҡурҡ! - Бындайҙы көтмәгән Сөйөмбикә, асырғанып, ике усы менән битен ҡапланы ла, ситке өйгә йүгереп сығып китте. Мәжлестең йәме ҡасты. - Эй, Хоҙайым, бер ҡунаҡта кеше һымаҡ ултырырға насип булырмы икән? - тип һыҡтаны Сөйөмбикә. - Ҡайнаға, егеп бир атты. Малайҙар ҡалыр, ҡыҙым менән мин ҡайтайыҡ. Үпкәләмә, риза булып ҡал. Хөрмәтең өсөн рәхмәт. - Бар, бар! Суҡынып кит, миңә тиһә. Һин тиҫкәрене берәү ҙә еңә алмаҫ. Артыңды бирһәң, бирерһең, һүҙеңде бирмәҫһең, - тамам тилергән "бүгәй" торған һайын оятһыҙлана барҙы. Инде шөйлә көсәйергә өлгөргән ел сымдарҙы бәүелдереп, бағана баштарында геүләй, кәртә-ҡура араһында нимәнелер шаҡылдатып уйнай, мөрйә эсенә инеп олоп сығырға ла ваҡытын таба. Күптән түгел генә салт аяҙ торған күк йөҙөндә, бер-береһен уҙырға тырышып, хәтәр дауыл хәбәрселәре - шыйыҡ, ялбыр болоттар ҡайҙалыр ашыға. Уларына ҡаршы,төнгө донъяны үҙ ҡарамағына алыуҙан ҡәнәғәт ҡалған, тулы ай йөҙә. "Төн ҡараңғы түгел, нисек тә ҡайтып етермен әле. - Һалҡындан тынысланырға өлгөргән Сөйөмбикәнең, ер юлдашына ҡарап, эсенә йылы йүгерҙе, атты ҡабаландыра төштө. - Эт урынына таланып ултырғансы. Иртәнгегә элекке хәленә ҡайта торған әле..." Ауыл осона сығыуға, ҡаршы ел бермә-бер көсәйҙе. Бая килгәндә тап-таҡыр булып ятҡан юлды, урыны-урыны менән һырынты һалып, ҡар ҡаплай ҙа башлаған. Күп тә бармай, юл бөтөнләй юғалды: әйтерһең, ул бөтөнләй булмаған, ҡар менән һыланып тигеҙләнеп бөткән. Туры ат ҡаты ерҙе тояҡтары менән генә тойоп бара. Хәлһеҙләнеп, арып ҡуймаһа, һиҙгер хайуан юлдан яҙлыҡмаҫ та ул, ел ыңғайына башы һуҡҡан яҡҡа сығып китмәҫ. Ошоно яҡшы белгән Сөйөмбикә тыныс ҡына йоҡомһорап килә. Толобоноң яғаһын ҡайыра, ынтыла биреп алға ҡарамаҡсы итә, сикәләрен кинәт өтөп алған әсе елдән, күҙҙәренә һибелгән ҡарлы боҙ бөртөксәләренән ҡасып, толоп эсенә йәһәт кенә кире боҫорға мәжбүр була. Шулай ыжғыр бит ул ялан еле. Сөйөмбикә атты үҙ яйына ҡуйҙы. "Ялҡау ат та ҡайтыу яғына етеҙ була", тип, иҙерәп, йәнһеҙ йоҡлаған балаһын ҡуйынына ҡыҫа биреп, сана төбөнә ятты. Тәүге тапҡыр түгел бит, элек тә ошолай ҡайтҡаны бар. Ана, юл күрһәтеп торған һалдаттар кеүек, электр бағаналары теҙелеп киткән. Шуларҙан күҙ яҙлыҡтырмағанда. Күп тә үтмәне, буран күҙ асҡыһыҙ дауылға әйләнде. Киҫкен һауа тулҡындары ажарланып, ҡарҙы саң-туҙан урынына уйнатып, һауаға сойорғотто, соҡор, уйпат урындарға илтеп тултырҙы, сананы әйләндереп ташларҙай булып ҡыланды. Бына ул ысын ялан бураны! "Йә, Раббым! Үҙеңдән - ярҙам! Балаҡайҙарым хаҡына имен-аман ғына ҡайтып етергә яҙһын", - тип ялбарҙы Сөйөмбикә. Ҡуйынындағы йылы йомғаҡты күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Бер аҙ барғас, толопто ҡалҡыта биреп, юл ситендәге бағаналарҙы эҙләне. Әммә улар күренмәй ине: аҡ ғәрәсәт йоттомо ни, сымдары геүләй, үҙҙәре юҡ. Юлһыҙ ерҙән барған ат аҙымдарын һиҙелерлек аҡрынайтты. Бер-ике тапҡыр туҡталып, башын сайҡай-сайҡай ушылдап, тын алып торҙо. Башта Сөйөмбикә Турыны ҡыуып ашыҡтырманы. Ә инде уныһы өсөнсөгә туҡтап, был юлы оҙаҡ ҡына ҡуҙғалмағас, түҙмәне: - На, Турыҡай! Әйҙә, малҡай, әйҙә, йәнем, - тип инәлә биреп, дилбегә ҡаҡты. - Тиҙерәк алып ҡайтып еткерә күр, аҡыллым. Ҡарт алаша, сбруй ҡайыштарын шығырлатып, йылдам ғына ҡуҙғалып китеүгә ҡарамаҫтан, оҙаҡ бара алманы, йәнә туҡталып ҡалды. Ҡорһағына етеп ятҡан тығыҙ ҡарҙы йырып йөҙөп барыуы еңел түгел уға. Ат тигәс тә. Сөйөмбикәнең йөрәген өшөтөп, күңеленә беренсе шом йүгерҙе: Турыҡай арып ҡуймағайы. Ошо ҡурҡыныс уйҙан ул һикереп тора һалды. Тәүҙә атына инәлеп-ялбарып өндәште, аҙаҡ, бар асыуына дилбегә осо менән һуҡҡыслап ҡараны, әммә хәлдән тайған мал ҡуҙғалырға теләмәне лә. Артына боролоп, кисер, хужабикәм, атлар әмәл ҡалманы тигәндәй, тик торҙо ла ҡуйҙы. Юғалып ҡалып, төшөңкөлөккә бирелә башлаған ҡатын күҙ йәштәренә ирек бирҙе - сеңләп илап ебәрҙе. Ошо мәл, уның аяныслы хәлен аңлағандай, Туры кинәт ырғылып, алға һикерҙе. Унан тағы, тағы. Абайламай ултырған Сөйөмбикә сананан саҡ осоп ҡалманы, ярай әле, терәккә тотоноп өлгөрҙө. Шулай ҙа, ҡар менән яртылаш күмелгән ауыр сананы һөйрәп, ат ыратып китә алманы, тағы шып туҡтаны. Сөйөмбикәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: үҙе, ярай, нисек тә итер, бына сабыйы. Ҡатын, ҡулы менән битен ышыҡлап, алға ҡараны. Һырынтыға сумған атының һырты ғына күренә. Ул, ахыры, абайламай, яҙғыһын йылға үҙәненән сығып йыуған йырынға килеп тарыған. Яҙмышына буйһонғандай, ул хәҙер тыпырсынмай ҙа, алға ынтылырға ла тырышмай. Әле өмөтөн өҙмәгән Сөйөмбикә, бар ихтыяр көсөн туплап, сананан төштө, бата-сума ҡар кисеп барып, теҙгенгә йәбеште, атының муйынынан ҡосаҡлап һыҡтаны, уны алға әйҙәп ҡараны. Турыҡай ҡаҡшаған ҡеүәтен йыйып, алға ырғылмаҡсы итте лә, хәле мөшкөлләнеүҙән ҡабырғаһына ауа башланы. Ауған ыңғайға ҡамыт ҡапталы муйынын бөрөп алыуҙан һығылып, хырылдарға тотондо. Бындай осраҡта ни эшләргә белгән Сөйөмбикә, һәрмәнеп, тамаҡбауҙың осон эҙләп тапты, уны сисеп ебәрҙе. Хәлһеҙләнгән ат иркенләп тын алды. Ҡото алынған ҡатын, быуындары бушап, сана терәгенә ултырҙы. Атын ҡотҡарҙы ла ул. - Әйҙә инде, Турыҡайым, аҡыллым, һәләк итә күрмә беҙҙе. Бар өмөт һиндә генә! - тип сеңләне ҡото алынған ҡатын. Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла тамаҡ бауҙы яңынан тартып бәйләп ҡуйҙы. - Әйҙә, күп тә ҡалмағандыр инде ҡайтып етеүгә. Ат урынынан ҡуҙғалманы. Ниндәй хәлгә тарыуын әле килеп асыҡ аңлаған Сөйөмбикәнең йөрәге ярыла яҙҙы. Шулай уҡ бөтәһе лә бөттөмө икән уның өсөн? Ошо ҡәһәрле йырын эсенә килеп үлер өсөн йәшәнеме ул? Балаҡайҙарын-ғәзиздәрен йәшәй ҙә башламаҫ элек етем итер өсөн таптымы? Ниндәй гонаһтарым өсөн ебәрҙең был язаңды, уф, Аллам! Сөйөмбикә ҡулдарын ауыҙына ҡуйып ҡысҡырып ҡараны, әммә тәнде генә түгел, йәнде өшөткөс үкереү уның мөсһөҙ тауышын шунда уҡ йотоп та ҡуйҙы. Үҙ тауышы үҙенә өҙөк-йыртыҡ ишетелеп ҡалған һымаҡ булды. Алышыныр сиккә еткән ҡатын күпме генә ҡолаҡ һалып ултырһа ла, дауыл геүләүенән башҡа ауаз ишетә алманы. Ахыры, өмөмтһөҙлөктән тамам ҡаушап сикһеҙлеккә бирелеүҙән, сабырһыҙланып шыңшый башлаған сабыйы янына йомарланды. - Ни булды, бәпкәм? Өшөйһөңмө әллә? - Әсә балаһын тыны менән һурып алырҙай булып өҙгөләнде. - Бирешмә, ҡыҙым. Ҡыҙҙың йәне ҡырҡ, хәҙер ҡайтып еткәс, мейес тоҡандырып ебәрербеҙ, танаҡайҙы тәрбиәләрбеҙ. Сөйөмбикә балаһын да, үҙен дә йыуатҡандай, шулай һөйләнде лә һөйләнде, ә күҙ йәштәре субырлап аҡты. Зирәк ҡатын һиҙә: тештәрен ыржайтып, әжәл яҡынлаша. Ана, инде уның һалҡын һулышы ла һиҙелә. Ғазапламай ғына алһаң ине йәнемде. - Хәҙер, бәпесем, хәҙер, аҙға ғына түҙһәң. - Сөйөмбикә ярһып иларға тотонған ҡыҙының арҡаһынан ҡағып тынысландырырға тырыша. Шунан, һуңғы иҫен туплап, өҫтөндәге пальтоһын систе, сабыйын шуға төрҙө лә, үҙе күлдәксән килеш толопҡа бөркәнеп, балаға һыйынды, ҡалтыранған ҡулдары менән уның ауыҙына имсәк ҡаптырҙы. - Бына, матурым, һиңә инде йылы, ә мин нисек тә түҙермен. Әсә ҡуйынында бала үлмәй, ти бит өләсәйең, оло кеше белмәй әйтмәҫ, - Сөйөмбикә буҫлығыуҙан тыйыла алмай, ҡыҙын ҡосаҡланы. - Исмаһам, һин йәшәһәң ине, балаҡайғынам. ...Күпмелер ваҡыттан Сөйөмбикә күҙҙәрен асты. Һи-и, буран тынған бит! Бар ғәләмде шомло тынлыҡ баҫып алған. Ҡатып ҡалған зәп-зәңгәр һауала ҡояш ялтлап тора. Тик ул нишләптер һис йылытмайсы. Сөйөмбикә әкрен генә ҡалҡынды, ҡарҙы шығырлата баҫып, ҡайҙалыр, билдәһеҙлеккә атланы. Уға ҡаршы ҡыҙы йүгерә. Ни арала шулай үҫеп, буй еткергән тиһең! Йүргәктә ятыуына әле генә һымаҡ, ә инде еткән ҡыҙ булған. Ҡыҙы артынан тағы кемдәрҙер эйәргән. Бәй, әсәһе, ҡәйнәһе, Сәмиғ. Эй, Сәмиғулла эсмәгән сағыңда һәләк матур кешеһең дә һуң. Ана, ҡарлы тауҙар артындағы офоҡ ситенән ҙур аҡ йондоҙ күтәрелде. Көпә-көндөҙ яҡтырып торған ниндәй йондоҙҙор ул? Күтәрелде лә, әкрен генә уларға яҡынлаша башланы. Яҡынлашҡан һайын сағыулана, нығыраҡ ҡыҙҙыра. Сәйер, йондоҙ ҡояштың үҙен ҡаплай бара. Уның янында ҡояш һүнә, тоноҡлана. Бына бер мәл йондоҙҙоң ҡайнар һулышы сикәләрҙе өтөп алды, аяҡ-ҡулдарға ҡағылып үтте. Сөйөмбикәгә рәхәт. Ул инде йылынды, бар донъяһын онотоп, иҙерәп йоҡлап бара. * * * Буран таңға кинәт тынды. Әйтерһең дә, ул бөтөнләй булмаған: бүре булып олоп, йорт-ҡаралтыны теткесләп ҡоторонмаған, ҡарҙы борхолдатып, асыҡ урындарҙан ышыҡҡа күсереп һалмаған. Ә, һалған икән. Ана, ҡойма тиңлек көрттәр, урамда урыны-урыны менән әҙәм бейеклеге булып ятҡан һырынтылар был тирәнән күптән түгел дауыллы ғәрәсәт үтеүе хаҡында һөйләй. Әле килеп шылт иткән дә тауыш юҡ. Ошо шомло тынлыҡты тыңлап ята торғас, Нәҡиә апайҙың күңелен аңлайышһыҙ һағыш баҫып алды, тиктомалға яман эсе бошоп китте. Бошоноу сәбәбен ул шундуҡ аңланы: ай-вайҙарына ҡарамай, сабыйын алып, килене төнгә ҡаршы ҡайтып киткәйне. Нисек кенә барып еттеләр икән? Етә алдылармы?.. Ҡурҡыныс уйҙан Нәҡиәнең тәне буйлап һалҡын ағым үтеп китте, фажиғә һиҙеп, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. - Сәмиғулла, балам, тора һал. - Нәҡиә, асырғанып, бер ни белмәй иҙәндә йоҡлап ятҡан улын уятты. - Килен бит юлға сыҡҡайны. Ҡайтып еттеме? Нисек ҡайтып етте икән? Сәмиғулла шешенгән күҙҙәрен ыуа-ыуа тороп ултырҙы, мәғәнәһеҙ ҡарашын әсәһенә төбәне. - Нишләп ҡайтарҙығыҙ һуң? - тип, ғәйепте башҡаларҙан эҙләмәксе итте. - Аһ, аһ, үҙең ҡайтып кит, тинең бит. Эттән алып, эткә һалып һүктең, - әсәһе үпкә белдереп иламһыраны. - Эсеп алһаң, холҡоң бармы... Сәмиғулла инде үкереп торған бүгәй түгел. Бөгөн ул аяҡланырға ла өлгөрмәгән быҙау. Уға хәҙер ни әйтһәң дә бата. Барыһын да күтәрәсәк. Ир өндәшмәне, иҙерәшеп йоҡлап ятҡан малайҙарына ҡарап, иҫәңгерәп торҙо. Иҫерек баш менән ниндәй ахмаҡлыҡ ҡылғанын әле килеп аңлаған Сәмиғулла, үкенесенән алйыр сиккә етеп, йәйәүләп, йүгерә-атлай ҡайтырға сыҡты. Юлда ул тирә-яҡты ҡарашы менән ентекләп байҡай барҙы. Ауылға етәрәк һаҙ буйында ҡарайып күренгән сәйер нөктәгә текләп торғандан һуң, ул-был һиҙелмәгәс, тыныслана төштө. Шулай ҙа йөрәк түренә инеп ояларға өлгөргән шом тулыһынса таралып бөтмәне, килке-килке һулҡылдап, бәғерен өйкәп тик торҙо. Юлһыҙ ерҙән тәрән ҡар йырып, ныҡ ҡабаланып килеп манма тиргә батҡан Сәмиғулла ихатаһында моңһоҙ ғына бесән кертелдәтеп торған Турыһын күрергә өмөтләнеп, ҡапҡаны асты... Әммә ат юҡ ине. Ихата эсендәге келән ҡар өҫтөнән хатта сысҡан да юрғалап уҙырға өлгөрмәгән. Ҡураһы әллә ҡасандан кеше йәшәмәгән ташландыҡ донъяға оҡшап тора. Сәмиғулланың йөрәге жыу итеп ҡалды. Йүгереп тигәндәй, мал ояһына барып инде. Үлем ғазабынан күҙҙәре шар булып асылып, теле һәленеп төшкән йәнһеҙ тананы күреп, уның ҡото осто. Ир бәлтерәп төштө. Бөтөнләй ебеп-ҡаушап ҡалһа ла, кәнсәләргә барып, хәлде һөйләп бирерлек көс таба алды Сәмиғулла. Бригадир шунда уҡ кешеләрҙе күтәрҙе, милицияға хәбәр итте. Күп тә үтмәҫтән, ҙур булмаған ауыл умарта ише ҡайнарға тотондо. Яҫы саңғылар таҡҡан өс һунарсы өҫтәренә барып сыҡҡанда ҡорһағына ятҡан туры алашаның һырынты аҫтынан башы ғына күренеп тора ине. Ауылға етергә ярты саҡрым ер ҡалған булған! Ә сана ҡайҙа? Сөйөмбикә егеүле атта сығып киткән тигәйнеләр бит. Ни уйларға, эште ниҙән башларға белмәй, аптырашып торғанда, һунарсылар ҡолағына, ер аҫтынан ишетелгәндәй, бала илаған тауыш салынып ҡалды. Ирҙәр, һиҫкәнеп, бер-береһенә ҡарашты, барыһын да һүҙһеҙ аңлап, ҡайһыһы саңғы осо, ҡайһыһы ҡулы менән һылашып ҡатҡан ҡарҙы аҡтарырға тотондо. Күп тә үтмәҫтән, ирҙәрҙең береһе быуылып илаған сабыйҙы ҡулына алды. Сабыйға бер ни ҙә булмаған. Ҡар ҡатламы аҫтында ул һыуыҡҡа бирешмәгән. Ә әсәһе. Сөйөмбикәнең аяҡ-ҡулы боҙ булып ҡатҡан, ә ҡуйыны әле йылы килеш. Ғәжәп! Әсә тәненең бар йылыһы, сабый ғүмерен ҡурсалап ҡалыр өсөн, бер урынға - уның ҡуйынына йыйылғанмы әллә? Әсәй үҙе өшөп һәләк булһа ла, уның йөрәге, аңы аҡтыҡ һулышына ҡәҙәр бала ғүмере өсөн көрәшкән. Көрәшкән һәм еңеп сыҡҡан: ун айлыҡ ҡыҙ мөғжизә менән тере ҡалған. Сөйөмбикәнең шаҡырайып туңған кәүҙәһен һунарсылар артынса ауылдан килеп еткән трактор санаһына һалып алып ҡайттылар. Атай ҡулын һиҙеп, тынысланырға өлгөргән ҡыҙын ҡосаҡлаған Сәмиғулла, аңҡы-тиңке булып, алышыныр хәлгә ҡалып, кабинала ултыра. Соҡорло урында ҡапыл һелкенеүҙән уның кәпәсе осоп төштө. Тракторсы аптырауҙан ауыҙын асып, Сәмиғуллаға текәлде. Ирҙең кисә генә дегет ише йылҡылдап торған ҡара сәстәре әле килеп ап-аҡ ине. Сөйөмбикәнең ғүмерен ҡыйған ҡырау Сәмиғулланың башына ғына ҡағылып уҙҙы.
Ғәлиә Сәкинә әхирәте биреп торған күлдәкте кейеп, биҙәүестәрен таҡты ла сәстәрен артистарҙыҡына оҡшатып туҙҙырып, быялаһы тоноҡланып бөткән көҙгө алдына килеп баҫты. Ундағы сағылышын күреп ҡапыл һиҫкәнеп китте һәм сирҡана биреп башын ситкә бора һалды. Көн дә үҙенә йылмайған алһыу йөҙлө, асыҡ йәшел күҙле, икенән үрелгән толомдары биленә тиклем төшөп торған ҡара сәсле һылыу ҡыҙ урынынан көҙгөнән уға түштәре яртылаш асыҡ булған яланғас оҙон ботло, туҙғаҡ башлы бөтөнләй ят бәндә ҡарап тора ине. Халыҡ телендә «еңел холоҡло» тип йөрөтөлгән бындай ҡыҙҙарҙы Ғәлиә киноларҙа ла күп күрҙе, ҡала урамдарында ла йыш осратты һәм уларға нисектер ерәнә биреп ҡарай ине. Хәҙер килеп бына үҙе шул ҡиәфәттә. Ғәлиә Сәкинә әхирәте биреп торған күлдәкте кейеп, биҙәүестәрен таҡты ла сәстәрен артистарҙыҡына оҡшатып туҙҙырып, быялаһы тоноҡланып бөткән көҙгө алдына килеп баҫты. Ундағы сағылышын күреп ҡапыл һиҫкәнеп китте һәм сирҡана биреп башын ситкә бора һалды. Көн дә үҙенә йылмайған алһыу йөҙлө, асыҡ йәшел күҙле, икенән үрелгән толомдары биленә тиклем төшөп торған ҡара сәсле һылыу ҡыҙ урынынан көҙгөнән уға түштәре яртылаш асыҡ булған яланғас оҙон ботло, туҙғаҡ башлы бөтөнләй ят бәндә ҡарап тора ине. Халыҡ телендә «еңел холоҡло» тип йөрөтөлгән бындай ҡыҙҙарҙы Ғәлиә киноларҙа ла күп күрҙе, ҡала урамдарында ла йыш осратты һәм уларға нисектер ерәнә биреп ҡарай ине. Хәҙер килеп бына үҙе шул ҡиәфәттә. Ҡыҙҙың күлдәк менән биҙәүестәрен тиҙ генә сисеп бәреп, душта сайҡанып сығып, одеялы аҫтына инеп ҡасҡыһы килде. Ләкин ысынбарлыҡтан ҡасып булмай шул. Ул бөгөн сараһыҙҙан ошолай кейенергә, «еңел холоҡло» булып күренергә мәжбүр һәм… Ғәлиә аҙаҡ ни булырын күҙ алдына килтереү түгел, хатта ул хаҡта уйларға ла ҡурҡа. Әхирәте: «Тапҡанһың ҡурҡыр нимә, бер һин генәлер шул», - ти ҙә бит. Бер ул ғына түгел, әлбиттә. Әммә барыһы ла уның хәленә төшөп, ирекһеҙҙән шул юлға баҫмағандыр, моғайын. Күптәренең «туйып һикереүҙәре» лә бик мөмкин. Сәкинә лә шуларҙың береһе, тип уйлай Ғәлиә. Ата-әсәһе лә бар, донъялары ла бөтөн, ә бына әхирәте юҡ юҡ та «төнгө һунарға» сығып әйләнә. «Заманы шундай. Унан килеп артыҡ аҡса кеҫәне тишәме ни?» тип кенә ебәрә әхирәте. Ә Ғәлиәнең аҡсаһы иһә осто-осҡа ялғарға ла етмәй шул. Өләсәһе менән әсәһе барҙа матур ғына йәшәйҙәр ине әле. Әммә бер-бер артлы икеһе лә үлеп китеп, бер яңғыҙы ҡалғас, эштәре бик хөртәйҙе ҡыҙҙың. Ояһынан ҡолап төшкән ҡош балаһындай тойҙо ул үҙен. Өләсәһе ярай инде, ә бына әсәһенә әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит. Яман шеш менән ауырып китеп, ярты йыл эсендә гүр эйәһе булды ла ҡуйҙы. Һуңғы көндәре яҡынлашҡанын һиҙеп, үҙенән бигерәк ҡыҙын ныҡ йәлләп, иланы ла иланы ул. «Бер ялғыҙың нишләрһең икән, балам, ни башлы-күҙле итеп өлгөрә алманым», - тип балаһын ҡосаҡлап күҙ йәштәрен түкте әсә кеше. Уның һөйләүе буйынса Ғәлиә атаһын үҙҙәрен ташлап Себергә сығып киткән бер бәндә, тип кенә белә ине. Баҡтиһәң, ул бөтөнләй икенсе кеше, бөгөнгө көндә билдәле генә булған профессор ҡыҙы икән. Үлеренә бер нисә көн ҡалғас асты әсәһе ул серҙе. Институтта уҡып йөрөгән сағында ҡатыны ла булған аспирантҡа ғашиҡ була ул. Уныһы ла ҡыҙҙы бик оҡшата. Йылға яҡын осрашып йөрөйҙәр. Ауырға ҡалғанын белгәс атаһының ҡатыны оло ғауға ҡуптарып, әсәһен институттан ҡыуҙырыуға ирешә һәм араларын бөтөнләйгә өҙә. «Ҡыҙым, бик ауыр була башлаһа ярҙам һорап уға барырһың. Үҙ балаһынан баш тартмаҫ моғайын», - тигәйне әсәһе, бына ошоларҙы һөйләп. Ғәлиә атаһы эшләгән институтҡа барып, уны яҡындан күрҙе – күреүен, әммә өндәшергә баҙнат итмәне. Атаһы булһа ла нисектер бөтөнләй сит кеше булып күренде ул уға. Ярай, ауырлыҡтарҙы үҙем дә йырып сығырмын әле, тип уйлағайны ла ул саҡ, әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Уның ауырлығы сибек кенә ҡыҙ елкәһенә төшһә ныҡ һиҙелеп, ергә тиклем эйә. Бына шул тормош ауырлығының Ғәлиәне иң ныҡ баҫҡан мәле бөгөн. Түләүҙе көтөп өҫтәлдә өйөлөп ятҡан анау квитанциялар өсөн генә әллә күпме аҡса кәрәк. Йорттар идаралығынан килеп, тиҙ арала түләмәһәң фатирыңдан ҡыуабыҙ, тип иҫкәртеп тә киттеләр хатта. Техникумда уҡығаны өсөн түләүгә лә көн дә аҡса таптыралар һәм унда ла ҡыуыу менән ҡурҡыталар. Һыуытҡысы ла күптән буш һәм ас та йәшәп булмай. Барыһына ла аҡса кәрәк, ә студент ҡыҙҙың исем өсөн генә бирелгән пособиенан башҡа килер урыны бөтөнләй юҡ. Техникумдан китеп эшкә генә урынлашыр ине лә бит, һуңғы курста булғас уҡыуын да тамамлайһы килә. Бәләкәйҙән китаптарға ғашиҡ булып, китапханасы һөнәрен алып сығырға бик теләгәйне ул. Кисә кис бына шуларҙы уйлап, башы ҡаңғырып күҙ йәштәренә мансылып ултырғанда әхирәте килеп инде. - Да-а, не завидую, - тине башта Сәкинә Ғәлиәнең аһ-зарын тыңлағас һәм аҙаҡ әхирәтен баҫтырып, тәү күргәндәй әйләндереп ҡарап сыҡты. - Юҡҡа ҡайғырма, был сибәрлегең менән бер-ике төндә фатирыңа түләрлек аҡса эшләй алаһың. - Нисек?.. - Ғәлиә Сәкинәнең ни әйткәнен ҡапылдан аңғармай йәшле күҙҙәрен уға төбәне. Әхирәте лә уға аптырай биреп ҡарап: Әллә шуны ла аңламайһың?! Иртәгә минең менән «төнгө һунарға» сығарһың. Ир-ат һине күреп ҡалһа, көтөүе менән килеп йәбешәсәк, аҡсаларын да йәлләмәйәсәк, - тине лә ҡыҙҙың яуабын да көтөп тормай, шифоньерҙы асып ундағы кейемдәрҙе барлай башланы. Был алам-һаламдарың менән күп аҡса эшләй алмаҫһың, үҙемдең күлдәкте биреп торомон, - тине Сәкинә барыһын да алдан уҡ хәл итеп. - Кит юҡты!.. Астан үлһәм - үләм… - тип Ғәлиә ултырған урынынан һикереп үк торҙо. Үл, улайһа!.. Риза булһаң шылтыратырһың, - тип Сәкинә ҡайҙалыр ҡабаланыуын әйтеп, сығып та китте. Йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, төнө буйы уйланып сыҡты Ғәлиә һәм әхирәте әйткәнгә ризалашыуҙан башҡа сара юҡлығын аңлап, иртән уға шылтыратты. Сәкинә күлдәк менән биҙәүестәрен килтереп, кис үҙен инеп аласағын әйтеп, кейенеп, биҙәнеп торорға ҡушып сыҡҡайны. Һәм бына ҡыҙ «төнгө күбәләк» булып «ҡанат ҡағырға» әҙерләнә. Әхирәте әйткәнсә «точка» Ғәлиәләрҙең өйөнән алыҫ түгел, машиналар күп йөрөгән ике урам сатында ине. Унда барып баҫыу менән Ғәлиә үҙен ғәм халыҡ алдында сыр яланғас баҫып торғандай хис итә башланы. Эргәләренән йәйәү үтеүселәр ҙә, машинала елдереүселәр ҙә уға бармаҡ менән төртөп күрһәтеп, мыҫҡыллы йылмайған һымаҡ тойолдо. Ҡыҙ аяҡтарының ғына түгел, тәненең дә ҡалтыранғанын тойоп, әхирәтенең артына йәшеренеп баҫырға тырышты. Ниңә бөршәйеп ҡаттың, үҙеңде иркен тот, - тип әхирәте уны әрләй ҙә һалып алды. Улар янынан машиналар нисектер тиҙлектәрен кәметә биреп уҙа ине. Күп тә үтмәй шуларҙың береһе, аҡһыл төҫтәге «девятка», аҡрын ғына эргәләренән уҙҙы ла, кире сигенеп, яндарына килеп туҡтаны. Уның тәҙрәһенән йәш кенә егеттең бөҙрә сәсле башы һонолдо. Сәкинә йүгерә-атлап машинаға табан ашыҡты. Ғәлиә әхирәте менән егеттең ни һөйләгәндәрен аңғарманы ла, бары Сәкинәнең беләгенән тотоп алып килеп: «С богом, әхирәт!» - тип машинаға ултыртыуы һәм егеткә ҡарап: «смотри, егет, обижать итәһе булма!» - тип әйтеүе генә ҡолағына салынып ҡалды. Юлды һөйләшмәй генә үттеләр, тиһәң дә ярай. Бары егет кенә артҡы ултырғыста күҙҙәрен иҙәнгә төбәп килгән ҡыҙға көҙгө аша ҡарап-ҡарап алып: «Ҡайһылай һин сибәрһең» – тип әйтеп ҡуйҙы. Машина ҡала ситендәге ике ҡатлы ыҡсым ғына коттедж алдына килеп туҡтаны. Егет ҡыҙға машинанан төшөргә ярҙамлашты ла, суйын рәшәткәле ҡапҡаны асып өйгә табан алып китте. Егет алдан әҙерләнеп ҡуйған күрәһең, зауыҡ менән биҙәлгән залдағы ҙур булмаған өҫтәлдә шарап шешәһе менән ике фужер, емеш-еләк менән тулы һауыт, һут ҡаптары урын алғайны. Хужа шунда уҡ ҡыҙҙы өҫтәл артына ултыртып фужерҙарҙы тултыра һалды. Әйҙә, танышайыҡ, минең исемем Азамат була, - тине ул ап-аҡ тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайып. Ғәлиә әхирәте өйрәткәнсә башҡаны әйтергә уйлағайны ла, ауыҙынан үҙенән-үҙе ысын исеме сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡыҙ шарапҡа ирендәрен генә тейгеҙеп алғайны, әммә Азамат: «Танышыу хөрмәтенә бөтөргәнсе эсәйек», - тип ҡыҫтағас, бәлки, ҡыйыуланып та китермен, тип яртылаш эсте лә ҡуйҙы. Ысынлап та, аҙыраҡ теле асылды ҡыҙҙың. Егеттең матур мөләйем йөҙөнә лә ҡарашын тартынмай ташлап алғыланы. Йоҡо бүлмәһенә инеп, карауатта бер аҙ шым ултырғас Азамат һиҙелерлек ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыҙҙың бармаҡтарынан тотоп: Йә, башла.. - тип шыбырҙаны. Мин… Мин бер ни ҙә белмәйем… Мин ҡыҙ кеше… - тине дерелдәгән ирендәре менән Ғәлиә. Азамат уға аптырай биреп ҡарап: Мин дә… мин дә бер ни ҙә белмәйем шул.. – тине лә, ҡапыл шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ғәлиә егеткә күҙ ташлап алды һәм үҙе лә уның ыңғайына ҡысҡырып көлөргә тотондо. Ошо көлөшөү ҡыҙ менән егетте нисектер яҡынайтып, улар араһындағы күҙгә күренмәгән кәртәне алды ла ташланы. Төн оҙоно һөйөшөп, һөйләшеп туя алмай, таң алдынан ғына арып-талып йоҡоға талды йәштәр. Һөйләүе буйынса Азамат медицина университеты студенты икән. Яратҡан шөғөлө - скрипкала уйнау. Ата-әсәһенең берҙән-бер улы. Бөгөнгө көндә улары Таиландҡа ял итергә киткән һәм бына шуны файҙаланып ҡалырға булған. Ҡыҙ килтереүенең тағы бер сәбәбе бар. Ул оҙаҡламай өйләнергә тейеш. Үҙенең тиҙ арала кәләш алырға иҫәбе булмаһа ла, ата-әсәһе аҙып-туҙып киткәнсе, тип тырыштыра икән. Бәлки, буласаҡ кәләше бик тә билдәле кеше ҡыҙы булғанға шулай ҡыланаларҙыр, тип тә уйлай егет. Өйләнерен белгәс иптәш егеттәре тәжрибәһеҙ килеш оятҡа ҡалып ҡуйма, тейеберәк шаяртып, өйрәнсеккә берәйһен килтер, тип кәңәш биргән. «Туҡтап өндәшергә баҙнат итмәй әллә нисә «точка»ны үтеп киттем. Һинең ҡыйыр-ҡыймаҫ, оялсан ғына баҫып торғаныңды күргәс, нисектер күңелемә яҡын итеп, туҡтай һалдым һәм үкенмәйем дә», - тигәйне егет ҡыҙҙы иркә ҡосаҡлап. Азамат өйләнәм, тигәс Ғәлиәнең шунда уҡ кәйефе ҡырыла биреп тә ҡуйғайны. «Яратаһыңмы һуң уны?», - тип һорап та алды, хатта. Егет яурындарын һелкетә биреп: «Әлләсе.., оҡшаған да, оҡшамаған да кеүек», - тейеберәк яуап биргәйне. Ғәлиә, әхирәтенең кәңәшен тотоп, үҙенең техникумда уҡып йөрөгәнен әйтмәй, супермаркетта һатыусы булып эшләйем, тине. Уянғас та, Азаматтың янынан ебәрмәҫкә маташыуына ҡарамай, эшкә һуңлайым, тип Ғәлиә тиҙ генә кейенә һалды. Егет тә лекциялары барып иҫләп, илтеп тә ҡуйырмын, тип урынынан ҡуҙғалды. Сәкинә: «Эш хаҡын алдан, ир-аттың күҙе аларған саҡта уҡ алып ҡуй, юғиһә, ҡайһы берҙәре эш үткәс йә копейка ғына тоттора, йә бөтөнләй бирмәй, арт һаныңа тибеп сығара», - тип Ғәлиәгә ҡат-ҡат туҡыһа ла, ул был егет алдамаҫ, тип тә, унан бигерәк ҡыйыулығы етмәҫен һиҙеп, аҡса тураһында башта һүҙ ҡуҙғатмағайны. Әле лә һорарға тартыныбыраҡ ҡалды. Азамат ҡыҙҙың уйын һиҙгәндәй: «Етәме?» - тип мул ғына аҡса сығарып тотторҙо. Ғәлиә оялышынан ҡып-ҡыҙыл булып, аҡсаны кеҫәһенә тыға һалды. Машинала барғанда егет ҡыҙҙың бөгөн дә килеүен ҡат-ҡат һораны. Супермаркет алдында төшөрөп ҡалдырғанда ла үтенесен ҡабатланы. Ҡыҙ менән егет кисен ошо урында осрашырға һөйләшеп айырылышты. Ғәлиә машина күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ла, яҡындағы туҡталышҡа йүгерҙе һәм техникумға барыусы автобусты көтә башланы. Азаматтың йөҙ-һыны күҙ алдынан бөтөнләй китмәне ул көндө. Нисек кенә ҡыуып ебәрергә тырышмаһын, ап-аҡ тештәрен йылтыратып йылмайып ҡаршыһына килә лә баҫа. Әллә ғашиҡ булдым инде, тип ҡыҙҙың ҡото оса биреберәк тә ҡуйҙы, хатта. Сәкинә килеп: «С крешением!» - тип ҡотлап, һорауҙар яуҙырғанда ла егет күҙ алдында тороп, илке-һалҡы ғына яуап бирҙе. - Күрмәҫтәй булып ҡыланып бөтөнләй шаңҡытҡан икән егет үҙеңде, - тине әхирәте үпкәләй биреп һәм «точка»ға барыу-бармауын белеште. - Мин кисәге егет менән осрашырға һөйләштем, - тине Ғәлиә ҡыуаныслы йылмайып. Азамат белеп ҡуймаһын, тип ҡыҙ супермаркетҡа ваҡытынан иртәрәк барып, машинаға шунан сығып ултырҙы. - Уф, бөгөн көндө үткәрә, осрашыу минуттарын еткерә алмай күҙем тондо, - тине егет ҡыҙҙың ирендәренән үбеп. Бына шулай осрашып, һөйөп, һөйөлөп ун көн самаһы ваҡыт күҙ асып йомған арауыҡтай ғына бик тиҙ үтте лә китте. Ғәлиә үҙенең үлеп ғашиҡ булыуын аңлай, егеттең дә үҙенә ғашиҡ икәнен йөрәге менән һиҙенде. Ғүмеренең иң матур миҙгеле булды был көндәр. Ул саҡ иң ҡыйыны көн дә Азамат һуҙған аҡсаларҙы алыу ине. Ғәрлегенән ер тишегенә инеп китерҙәй булды ул шул мәлдәрҙә. Мөхәббәт һатылырға, һатылып алынырға тейеш түгел бит, тип үҙ-үҙен ҡәһәрләне. Ләкин ни эшләһен, ҡыҙҙың башҡа сараһы юҡ ине шул. Егеттән алған аҡсалар уҡыу өсөн түләргә лә етте, өҫтәлдәге квитанцияларҙы ла байтаҡҡа кәметте. Бәхет миңә лә йылмайҙы, тип ҡыуанып бөтә алманы Ғәлиә һәм ҡанатланып, осоп, тигәндәй йөрөнө ул көндәрҙә. Ләкин ҡыуаныс менән ҡайғы йәнәш йөрөй икән шул. Бер көндө иртән кейенгәндә өҫтәлгә ташланған күлдәгенә эйәреп иҙәнгә Азаматтың студент билеты төшөп китте. Асыҡ ятҡан билетты үрелеп ҡулына алғанда күҙенә унда яҙылған таныш исемдәр сағылғандай булды. Ҡыҙ ул исемдәрҙе ентекләберәк уҡып сыҡты ла, йылмая биреп ҡуйҙы. Баҡтиһәң, икеһенең дә фамилиялары ла, аталарының исемдәре лә бер үк икән. Бер үк… Ғәлиә ҡапыл ҡото осоп, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе, билеты ла ҡулынан ысҡынып иҙәнгә төшөп китте. Йыуынырға ванна бүлмәһенә инеп киткән Азамат йүгереп сығып: - Ни булды, ниңә йөҙөң шул тиклем ағарған? – тип ҡыҙҙың беләгенә килеп йәбеште. - Булманысы… Ниңәлер башым әйләнеп китте, - тигән булып Ғәлиә карауатҡа ултырҙы. - Башың әйләнһә ятып тор, - тине Азамат карауаттағы мендәрҙәрҙе рәтләп. - Юҡ, юҡ.., хәҙер үтә ул, - тип Ғәлиә ҡабаланып кейенергә тотондо. Был мәлдә уның тиҙерәк тышҡа атылып сығып, алды-артына ҡарамай башы һуҡҡан яҡҡа табан йүгерергә лә йүгерергә теләге бик ҙур ине. Юл буйы мейеһен: «Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел!» – тигән уй ғына бырауланы. Машинанан төшкәндә Ғәлиә Азаматтан: - Һинең атайың кем булып эшләй? - тип һораны. - Институтта. Ул доктор наук, профессор, - егеттең яуабы ҡыҙҙың өмөтөн бөтөнләй һүндерҙе. «Тимәк, Азамат менән мин бер ата балалары, бер туғандар!» - бына шуларҙы эстән генә ҡабатлай-ҡабатлай Ғәлиә өйөнә табан йүгерҙе. Фатирына килеп ингәс тә карауатына ауып үкһей-үкһей иларға уҡ тотоноп китте. «Ул бер туғаны менән уйнаш иткән !”, «Ниндәй боҙоҡлоҡ!», «Ояты ни тора!», «Ниңә Хоҙай уны миллионлы ҡалала тап Азамат менән осраштырып, ҡауыштырған, икеһен бер-береһенә ғашиҡ иткән!» – яҙмышын ҡәһәрләй-ҡәһәрләй күҙ йәшен күп түкте ҡыҙ. Шул килеш карауатында бер тәүлектәй аунаны ул. Аҙаҡ «Булған-бөткән, барыһын да яман төш кенә итеп күреп оноторға, Азаматты күңелдән бөтөнләй юйып ташларға, артабан бер ҡасан да осрашмаҫҡа кәрәк», - тип үҙ-үҙен аҙ-маҙ тынысландыра алды. Сәкинә бер-ике рәт инеп хәлен белешеп сыҡҡайны. Ғәлиә уға ни булғанын асыҡтан-асыҡ һөйләмәне. Бары: «Егет минән туйҙы, буғай», - тип кенә әйтеп ҡуйҙы. «Точка»ға барырға саҡырып кергәндә лә, ризалашмай: «Ҡабат кәрәге теймәҫ, моғайын», - тип күлдәге менән биҙәүестәрен биреп сығарҙы. Азаматтан һуң башҡа берәү менән булыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай ине инде ул. Ә уныһы бер минутҡа ла күҙ алдынан китмәй, матур итеп йылмайып, туҡтауһыҙ йөрәкте семетә. Ғәлиәнең ваҡытлыса ғына булһа ла эшкә урынлашып торорға иҫәбе бар ине. Бер көндө күҙенә күрше генә йортта урынлашҡан офисҡа йыйыштырыусы кәрәк, тигән иғлан сағылып ҡалды. Аҡсаһы әллә ни булмаһа ла, эш ваҡыты киске биштән, ундағы хеҙмәткәрҙәр ҡайтып бөткәс башланғанға ҡыуанып, ризалашты ул. Иң мөһиме уҡыуын ҡалдырмаясаҡ. Ауырға ҡалғанын дүртенсе ай киткәс кенә белде Ғәлиә. Үҙендә ниндәйҙер үҙгәрештәр тойоп, юҡ-юҡ та күңеле болғанып алыуҙарына шикләнеп, ул - был булманымы икән, тип шикләнеберәк йөрөй ине инде. Бер нисә тапҡыр күрем дә күрмәгәс хафаға уҡ төштө. Сәкинәгә әйткән ине, уныһы «Хәҙер беләбеҙ уны», - тип ҡул сумкаһына үрелә лә һалды. - Да-а, ҡыҙыҡай, залетела ты! Һаҡланманығыҙмы ни? – тине әхирәте Ғәлиәнең танауы төбөндә тест ҡағыҙын болғап: - Тәүҙә һаҡланып маташҡайныҡ та ул, аҙаҡ, нисектер, оноттоҡ, - тине Ғәлиә шым ғына. Сәкинә уға йәлләгәндәй ҡарап торҙо ла: - Пока не поздно һыпырт абортҡа! Йәш кенә башың менән атаһыҙ, уйнаштан тыуған бала табып ултырмаҫһың инде, - тип әхирәтенә ҡайҙа барырға кәрәклеген өйрәтә лә башланы. Сәкинәнең һуңғы һүҙҙәре, нисектер, ҡапылдан ғына Ғәлиәнең асыуына тейҙе. «Ниндәй атаһыҙ бала! Йөрәгемдә йөрөткән кешенең балаһы йөрәгем аҫтында ята. Уйнаштан да яралмаған ул, ә беҙҙең мөхәббәт емеше!» - тип ҡысҡыраһы килде. Ҡысҡырыр ҙа ине, әммә Азаматтың бер туған булыуын иҫләү уның асылған ауыҙын ябырға мәжбүр итте. Их, Азамат туғаны булмаһа! Бер нигә ҡарамай баланы табып, иркәләп, ҡәҙерләп кенә үҫтерер ине ул уны. Өләсәһе лә әсәһен яңғыҙы үҫтергән, әсәһе лә уны атаһыҙ тәрбиәләне. Уларҙың яҙмышы Ғәлиәлә лә ҡабатланып, ул да бер үҙе бала бағыр ине. «Бәлки, табырмын да, беҙҙең туғанлыҡты минән башҡа кем белә, - тип уйлап та ҡуйҙы хатта. Әммә бер туғандан бала табырға ярамай, тигәндәре күңеленә шом һалып, уны поликлиникаға барырға мәжбүр итте. Барыуын-барҙы, ләкин уға инергә ниңәлер ҡыйыулығы етмәне. Шулай икеләнә биреберәк йөрөгәндә Сәкинә тағы фатирына килеп инде. - Тимәк, табырға булдың инде. Ярай, сама знаешь, - тине ул әхирәтенең беленә башлаған ҡорһағына ымлап. - Табыр инем дә ул… - Ғәлиә башлаған һүҙен әйтеп бөтмәй туҡтап ҡалды. -Әйҙә, әйҙә, продолжай, ниңә туҡтап ҡалдың, - тип Сәкинә әхирәтенең күҙҙәренә текләнде. Шунда Ғәлиә үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡапыл асылып китеп, Азамат менән икәүһе хаҡында ҡыҫҡаса һөйләне лә бирҙе. Вот эта новость! Ишетмәһәң-ишет! – тине әхирәте күҙҙәрен аҡайта биреп. Беҙҙең аталар ғына бер бит, бәлки, баланы табырға ярайҙыр? – Ғәлиә өмөт сатҡылары сағылған ҡарашын әхиәрәтенә төбәне. Уныһының: “Һин нимә! Бер туған түгел, хатта ике, өс туғандан да табырға ярамай. Балалары йә ике башлы, йә һыңар күҙле йәки сусҡаныҡы һымаҡ йомарланып торған ҡойороҡло булып тыуа”, - тигәнен ишетеп Ғәлиәнең ҡобараһы осто, ҡорһағында бала түгел, ниндәйҙер ғифрит ятҡандай тойолоп, сирҡанып, ҡалтыранып уҡ китте һәм абортҡа барырға йыйына ла башланы. Поликлиника ихатаһына ингәс әҙерәк хәл алайым тип юл ситендәге эскәмйәгә ултырҙы. Шул ваҡыт ишектән аҡ халат кейгән бер төркөм егет менән ҡыҙ килеп сыҡты. Уларҙы күргәс Ғәлиә, практика үтеүсе студенттарҙыр, моғайын, тип уйлап ҡуйҙы. Шунда ул иң арттан ҡултыҡлашып атлаған оҙон буйлы егет һәм һары, туҙғаҡ сәсле ҡыҙға иғтибар итте. Уларҙы танып ҡалыуы менән йөрәге ҡапыл «жыу» итеп китте. Уға табан… Азамат менән тәү осрашҡанда уҡ «Бына ул буласаҡ кәләшем», - тип көлөмһөрәй биреп күрһәткән фотоһүрәттәге ҡыҙ килә ине. Ғәлиә уларҙы күрмәҫкә, унан да бигерәк үҙен күрһәтмәҫкә тырышып, күҙҙәрен йома һалды ла, артҡа борола биреберәк ултырҙы һәм йөрәгенең дөпөлдәп тибеүен ишеттермәҫкә тырышып уны ике ҡулы менән баҫты. Ләкин бушҡа ғына, күрҙе егет ҡыҙын. - Ғәлиәм!.. Ҡайҙа юғалдың, күпме эҙләнем мин һине! – Азамат ҡулдарынан ҡыҫып тотоп, күҙҙәре йомоҡ ҡыҙы урынынан торғоҙҙо һәм ҡосаҡлап алырға ынтылды. Ғәлиә күҙҙәренн асып, егетте һаҡ ҡына үҙенән этәрҙе: - Кәрәкмәй.., Азамат, - тине ул шым ғына. - Нисек кәрәкмәй, беҙ беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ түгелме ни?! – егет аптырай биреберәк ҡыҙға төбәлде. - Яратабыҙ.., әммә туғандарса… Беләһең килһә һинең атайың минең дә атай булып сыҡты… Оло гонаһ ҡылдыҡ беҙ, Азамат. Ғәлиәнең һүҙҙәрен ишеткәс егет бер аҙ тын торҙо ла, ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәрҙе: - Ниндәй гонаһ, иҫәркәйем! Мин бит атай менән әсәйҙең тәрбиәгә алған балалары. Әсәй түлһеҙ булғас мине детдомдан алғандар, атай үҙенең исем-фамилияһын да биргән. Ғәлиә быларҙы ишетеп, ҡыуанысынан көлөргә лә, иларға ла белмәй торған мәлдә һары башлы ҡыҙҙың: - Азаматик! Ты скоро?! - тигән тауышы ишетелде. Егет, алыҫҡараҡ китеп үҙен көтөп торған ҡыҙға ҡарамай ғына: “Бар, кит,” тигәнде аңлатып ҡулын һелтәне лә, Ғәлиәне ҡосағына алды. - Бынан һуң мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен, Ғәлиәм! - тип шыбырҙаны ул. - Ипләп … тине ҡыҙ һаҡ ҡына ситкә этелеп. Азамат шунда уҡ Ғәлиәнең саҡ ҡына беленеп торған ҡорһағына күҙ ташлап алды һәм: - Әллә… - тип ихлас йылмайҙы. - Әллә шул, Азаматҡайым, бәпесебеҙ буласаҡ! - Ғәлиәм, Ғәлиәм минең… Егет шунда уҡ үҙ-үҙен белештермәй, шашынып, ҡыҙҙың күҙ-биттәренән, ирендәренән үбергә тотоноп китте. Фото: https://pixabay.com/ Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Кисә билдәле блогер, армияла сағында Омск ҡалаһындағы казармала фажиғәгә тарыған Рөстәм Нәбиевкә именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килгән. Баҡтиһәң, Рөстәм 17 декабрҙә үтәсәк Рәсәй Президенты ҡатнашлығындағы "Тура бәйләнеш"тә сығыш яһарға йыйына. Блогер әйтмешләй, видеобәйләнеш яҡшы уҙһын өсөн яҡшы әҙерлек талап ителә икән. Ә яңыраҡ йоҡторған коронавирустан Рөстәм йүнәлгән дә инде. Бик мәслихәт, уға уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: Р. Нәбиевтең шәхси архивынан. bash.rbsmi.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ваҡиға башы 1993 йылға барып тоташа. Тәфтишселәр фаразы буйынса, 29 йыл элек 16 июль кисендә "Өфө - Сибай" поезында бер ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Уның бысаҡ яраларынан шунда уҡ һәләк булғаны ла асыҡлана. Ул ваҡыттағы тикшереү, оператив-эҙләү саралары ыңғай һөҙөмтә бирмәй, енәйәтсе асыҡланмай ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үлтереүсенең шәхесен асыҡлау буйынса эш йылдар буйы дауам итә. Һәм әле енәйәтсенең кемлеге асыҡлана. "Мәрхүм ул көндә пассажирҙар вагонында үҙенә таныш булмаған ир менән эсә. Икеһе лә иҫерә, араларында нимәгәлер ыҙғыш тыуа һәм аҙағы аяныслы - берәүһенең үлеме. Уның бысаҡ менән сәнсеп үлтерелгәнен күрһәтә экспертиза. Ваҡиғаларҙың бәйләнешлеген ул саҡта асыҡлауы ауыр була, сөнки вагонда бүтән пассажирҙар булмай, ә енәйәтсе был урындан ҡаса. Унан һуң икенсе бер енәйәте өсөн оҙаҡ йылдарға иркенән мәхрүм ителә", тип аңлатма бирәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт урынында табылған бысаҡ буйынса үлтереүсегә барып юлыға. Тәфтишселәр тағы оператив саралар үткәреп, заманса криминаль техника ҡулланып, нәҡ шул кешенең енәйәткә туранан-тура ҡағылышлы булыуын иҫбатлай. Кеше үлтереүсегә енәйәтен таныуҙан башҡа сара ҡалмай. Бөтә тәфтиш тикшереү саралары һәм экспертиза үткәрелеп бөткәндән һуң эш ҡаралыу өсөн судҡа ебәреләсәк. Фото: realt.onliner.by Автор:Аклима Гизатуллина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡалаһы блокаданан азат ителә. Ленинград блокадаһы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиғаларҙан һанала. 1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы, уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Был дата хәҙер Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеүҙең 76 йыллығы уңайынан ҡалабыҙҙың “Мәңгелек ут” мемориаль комплек-сында митинг уҙҙы. Һуңы-нан “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә уҡыусылар өсөн дөйөм ҡала Ҡаһарманлыҡ дәресе ойошторолдо. - Тарихта Ленинград блокадаһына тиң аяныслы хәл юҡ, ҡала илбаҫарҙар ҡамауында бирешмәү генә түгел, йәшәй ҙә ала. Был көн беҙҙең халыҡтың ҡаһарманлығы һәм рухи ныҡлығын күрһәтә, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабдрахманов. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Салауаттың Почетлы гражданы Таис Колышев Ленинградты һаҡлап ҡалыуҙың әһәмиә-тен билдәләп үтте. Ленин-град дошмандар ҡулына төшһә, беҙҙекеләр ҡеүәтле Балтика флотынан мәхрүм ҡалып, Германия ғәскәр-ҙәре ныҡлы һөжүмгә тотонор ине, тине аҡһаҡал. Йәштәр исеменән 2-се кадет мәктәбе уҡыусыһы, “Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығы йүнәлеше буйынса иң яҡшы кадет” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеүсе исемен алған Рөстәм Кәримов сығыш яһаны. - Йәш быуындың бурысы - ул йылдарҙың ҡурҡыныс ваҡиғалары, аслыҡтан, һыуыҡтан һә-ләк булған кешеләр, еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәгән яуғирҙәр тураһында онотмау. Беҙ быларҙың барыһын да иҫтә тотасаҡбыҙ, Тыуған илебеҙгә азатлыҡ яу-лаған ветерандарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ һәм тыуған еребеҙҙең сәскә атыуы өсөн тырышып эшләйәсәкбеҙ, - тине йәш кеше. 25 ғинуарҙа Стәрле-тамаҡта “Еңеү салюты” республика фестиваленең зональ этабы үтә һәм унда Салауат ҡалаһына мәңгелек ут символы тапшырыла. Митинг ваҡытында Таис Ғөбәй улы уны 2-се кадет мәктәбенә бирҙе һәм ул артабан ҡаланың белем биреү учреждениеларына тапшырыласаҡ.
Быйылғы февраль һауа температураһының төрлөсә булыуы менән айырылып торҙо. Аҙнаның тәүге яртыһы һыуыҡ булды. «Быйылғы февраль һауа температураһының төрлөсә булыуы менән айырылып торҙо. Аҙнаның тәүге яртыһы һыуыҡ булды, республиканың төньяғында һәм көнсығышында һауа температураһы -30,-36 градусҡа тиклем түбәнәйгәндән һуң, йәнә йылыта. 13 февралдән республикала һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -12, көндөҙ +4,-1 градусҡаса күтәрелә», — тип хәбәр итте Башгидромет синоптиктары. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте Бер аҙ ҡар, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр, урыны менән боҙлауыҡ көтөлә. Йәкшәмбе, 14 февралдә, һауа температураһы йәнә түбәнәйә башлай. Киләһе аҙнаның беренсе яртыһында һыуыҡ булыуы көтөлә. Фото: Яндекс. Картинки Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Абдул ауылында үткәрелгән сараларҙы һанап бөткөһөҙ. Шундай мәртәбәле республика конкурсына ҡушылғас, яуаплылыҡ та бермә-бер артты. Һаулыҡ һаҡлау, айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалау, ғаилә, спорт ярыштарын, концерттарҙың барыһын да юғары кимәлдә үткәрергә тырышабыҙ. Үткән аҙнала беҙҙең ауылға Күмертауҙың күсмә һаулыҡ үҙәгенән табиптар килде. Көндөң ныҡ һыуыҡ, юл булмауына ҡарамаҫтан, улар бер төркөм булып килгәндәр. Хатта, ҙур машиналары батып ҡалған, табиптар үҙҙәре еңел машинала саҡ килеп еткәндәр. Аҙаҡ ҙур машиналары ла килеп өлгөрҙө. Табиптарҙың үҙҙәре үк ауылға килеүенә бар халыҡ шатланды, бигерәк тә, диспансеризация үтеүселәр бик ныҡ ҡыуанды, сөнки анализдар биреү өсөн район үҙәгенә йөрөр кәрәк. Һәр кемдең транспорты юҡ бит. Врачтар ҡан баҫымын, ауырлыҡты, буйҙы үлсәнеләр, күҙҙең баҫымын тикшерҙеләр, ЭКГ эшләнеләр, терапевт һәр беребеҙҙе ҡарап, үҙенең төплө кәңәштәрен әйтте. Тикшереү һөҙөмтәләре үҙебеҙҙең участка табибы Әхәт Әкрәм улы Күсәповҡа һәм фельдшерыбыҙ Фәриҙә Әхтәм ҡыҙы Ноғомановаға ебәрелә. Һуңынан Әхәт Әкрәм улы өйҙәргә йөрөп, ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы, оло йәштәгеләрҙе ҡараны. Өлкән кешегә күп кәрәкме инде? Табиптарҙың иғтибарынан улар бик ҡәнәғәт ҡалдылар. Бер көн эсендә шундай ҙур тикшеренеү үтеп, квалификациялы ярҙам, консультация алыуға 58 кеше өлгәште. Ауылдаштарым күсмә бригадаға ҙур рәхмәт белдерҙе, бындай сараларҙы даими үткәрергә кәрәк, тип ҡыуанып ҡалдылар. Зөлфирә УСМАНОВА Абдул ауылы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Рәсәй Президенты В.Путинды Венгрияға 30 октябрҙә барыр тип көтөлә. Будапештҡа сәфәр барышында Путин Венгрия министры Виктор Орбан менән газ менән тәьмин итеү, атом энергетикаһы өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышасаҡ. Ике ил етәкселәре бындай осрашыуҙарҙы йыл һайын уҙғара. Былтыр бындай осрашыу сентябрь айында Мәскәүҙә булған. #ВладимирПутин Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамай, һаман әсәйҙәр янына ашҡынабыҙ. Уларҙың йылы ҡосаҡтарында иркәләнеп, наҙға төрөнәбеҙ. Аҡыллы кәңәштәре беҙҙең йөрәктәргә йылылыҡ өҫтәй. Әсә – донъялағы иң изге, иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше. Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамай, һаман әсәйҙәр янына ашҡынабыҙ. Уларҙың йылы ҡосаҡтарында иркәләнеп, наҙға төрөнәбеҙ. Аҡыллы кәңәштәре беҙҙең йөрәктәргә йылылыҡ өҫтәй. Ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарында Әсә көнө уңайынан байрамдар уҙғарылды. Бындай сара Ҡоръятмаҫта ла булды. Был көндө ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындарға, йыр-бейеүҙәргә бай, йөкмәткеле байрам программаһы ойошторҙо. Сараға йыйылған әсәйҙәрҙе ауыл мәҙәниәт йорто директоры Динә Ғәләүетдинова сәләмләне һәм байрамдың программаһы менән таныштырып, бөтәһен дә уйындарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Өлкән йәштәге әсәйҙәр ҙә йәштәр менән бер рәттән эстафетала ҡатнашты, йәштәренә ҡарамай, әле бәпестәр ҡарауҙа маһирлыҡтарын юғалтмауҙарын иҫбат итеп, ҡурсаҡтарҙы йүргәктәргә төрҙө, башҡа бик күп уйындарҙа ла һынатманы. Байрам дауамында унда ҡатнашыусыларға матур концерт программаһы тәҡдим ителде. Был көндө үҙешмәкәр артистар Фирҙәүес Мостафин, Рәзилә Кәбирова, Хариса Ҡадырова иң бөйөк кешеләргә – әсәйҙәргә дан йырланы, Зөбәржәт Шәймөхәмәтова, Динә Ғәләүетдинова, Гөлшат Шәйхетдинова дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Улар башҡарған йыр-бейеүҙәрҙе әсәләр дәррәү алҡыштарға күмде. Кисәнең һуңында сәй табыны ҡоролдо. Өҫтәл артында әсәйҙәр бер аҙға ғына булһа ла донъя мәшәҡәттәрен онотоп, үҙҙәренең ҡайғы-шатлыҡтары менән бүлешеп, ихлас күңелдән һөйләшеп ултырҙы. Кисәнең һуңында бөтәһе лә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә матур байрам ойошторғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм күтәренке күңел менән таралышты. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ун беренселәр, уларҙың уҡытыусылары, атай-әсәйҙәре Берҙәм дәүләт имтиханы тип яна. Математиканан имтихандың ҡайһы төрөн һайларға белмәйһегеҙме? Дуҫтар, һеҙгә ярҙамға Яндекс.Репетитор сервисы Педагогик оҫталыҡ үҙәге менән берлектә тест әҙерләгән. Өс этаптан торған был һорауҙарға яуап биреп, уҡыусылар үҙҙәренең БДИ-ға әҙерлек кимәлен асыҡлай ала. Яндекс.Репетитор сервисының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, теста психологик һәм йүнәлешле, төп имтиханға ҡағылышлы һорауҙар бар. Уҡыусы һынауҙы үткәндән һуң математиканан Берҙәм дәүләт имтиханының ҡайһы төрөн һайларға, әҙерләнгәндә нимәләргә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеге тураһында аныҡ кәңәштәр аласаҡ. «Был тест БДИ-ның варианты ғына түгел, ә «Сириус» мәғариф үҙәге белгестәре махсус һайлап алған мәсьәләләр һәм психологик һорауҙар. Күп сығарылыш синыфы уҡыусылары имтиханға әҙерләнәм тип, демоверсияға оҡшаш бик күп варианттарҙы эшләй. Әммә бының файҙаһы аҙ, ваҡытты әрәм итеү генә», – ти Педагогик оҫталыҡ үҙәге директоры Иван Ященко. Берҙәм дәүләт имтихандарын һайларға аҙ ғына ваҡыт ҡалды: бәлки, Яндекс.Репетитор тәҡдим иткән тестың ярҙамы тейер, эшләп ҡарағыҙ, уҡыусылар. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Дүшәмбенән шәмбегә тиклем көн һайын: 6.00 һәм 13.00 сәғәттә - Дәүләкән ҡалаһынан, 9.00 һәм 16.00 сәғәттә - Көньяҡ автовокзалдан ҡуҙғала; Йәкшәмбе 13.00 һәм 15.00 сәғәттә Дәүләкән ҡалаһынан, 16.00 һәм 18.00 сәғәттә Көньяҡ автовокзалдан ҡуҙғала. Раевка – Өфө маршруты: Дүшәмбенән –шәмбегә тиклем көн һайын: 7.00 һәм 14.00 сәғәттә - Раевканан, 10.00 һәм 17.00 сәғәттә - Көньяҡ автовокзалдан ҡуҙғала; Йәкшәмбе 14.00 һәм 16.00 сәғәттә - Раевканан, 17.00 һәм 19.00 сәғәттә -Көньяҡ автовокзалдан ҡуҙғала. Йәмәғәт транспортында йөрөгәндә мотлаҡ битлек һәм бирсәткә кейергә кәрәк. Үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлар өсөн уларҙы алдан хәстәрләп ҡуйығыҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
- Эй, Илаһым, был яҙыуҙар минеке түгел, бер ҡасан да изгелек эшләгәнем булманы. Фәрештәләр яңылышҡан булһа кәрәк, – тине кеше. - Эй, Илаһым, был яҙыуҙар минеке түгел, бер ҡасан да изгелек эшләгәнем булманы. Фәрештәләр яңылышҡан булһа кәрәк, – тине кеше. Шул ваҡыт хитап* килеп: – Дәфтәр һинеке. Ҡайһы бер әҙәмдәр һине яманлай, ғәйбәтеңде һата ине. Изге ғәмәлдәр һиңә шуның өсөн яҙылды, – тине. Ҡиәмәт көнөндә икенсе берәүгә ғәмәлдәре яҙылған китапты һул ҡулына бирҙеләр. Яҙыуҙы уҡығас, ул намаҙ уҡыуы, ураҙа тотоуы, хәйер-саҙаҡа биреүе тураһында бер нәмә лә тапманы. Аптырағас, Хоҙайҙан: – Эй, Раббым! Донъяла намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә уларҙың береһе лә теркәлмәгән, – тип һораны. – Фәлән-фәлән кешенең ғәйбәтен һөйләгәйнең, тип хитап килде Хаҡ Тәғәләнән, – шуға һинең изге ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты, йәғни улар һин ғәйбәтен һөйләгән кешегә бирелде. Ғәйбәт һөйләмә. Кешенең яманатын һатыу менән үҙеңдең изге ғәмәлдәрең юйыласаҡ. * Хитап – йәшерен тауыш. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Берҙәм дәүләт имтихандары башланыуына бер аҙна ваҡыт уҙҙы. Ошо арала йөҙҙән ашыу тәртип боҙоусы теркәлгән. Үткән аҙнала ун беренсе синыфты тамамлаусылар география, тарих, химия һәм математика фәндәренән Берҙәм Дәүләт имтихандарын тапшырҙы. Уҡыу йылы башында уҡ быйылғы БДИ-лар ҡаты күҙәтеү аҫтында үтәсәге тураһында ҡат-ҡат киҫәттеләр. Әммә тәртип боҙоусылар барыбер осрап тора. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, 141 уҡыусы шпаргалка, кеҫә телефоны һәм башҡа төрлө элемтә саралары ҡулланғаны өсөн имтихандан ҡыуып сығарылған. Рәсәйҙең бер төбәгендә БДИ ойоштороусылары уҡыусыларға ярҙам иткән мәлендә тотолған. Был имтихан тапшырыу пунктында балаларҙың имтихандары тапшырылмаған тип иҫәпләнә, БДИ-ны улар тик киләһе йылда ғына тапшыра аласаҡ. "Быйыл БДИ барышын күҙәтеү көсәйтелде, тәртип боҙоусылар шунда уҡ билдәләнә бара" - ти Рәсәй Федерацияһының Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралығы башлығы Сергей Кравцов. Видеояҙмаларҙы ҡайтанан ҡарау, тәртип боҙоусылар бармы, юҡмы икәнлеген тикшереү эштәре имтихандарҙан һуң бер нисә көн дауамында бара әле. БДИ көндәрендә хакерҙар ҙа тик ятмай икән. 31 майҙа һәм 1 июндә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралығы сайтына хакерҙар һөжүм итеүе осраҡтары теркәлгән. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
18 майҙа Өфөлә Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола. Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияла Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Төп майҙансыҡ Башҡорт дәүләт университетында урынлаштырыла, унан башҡаларға трансляция ойоштороласаҡ. “Диктант яҙыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. 8 майҙан сараның сайтында онлайн-теркәлеү үтергә мөмкин буласаҡ, – тип белдерҙе Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд директоры Гөлназ Йосопова. – Сайт диктантты өйҙә йә офиста яҙыу, шулай уҡ яҡындағы майҙансыҡты һайлау мөмкинлеген бирә”. Ҡатнашыусыларҙы теркәү, майҙансыҡтарҙы эҙләү, башҡорт телен белеү кимәлен билдәләү һәм башҡа хеҙмәттәр 8 майҙан bashkdictant.ru сайтында күрһәтелә башлаясаҡ. Мәғлүм булыуынса, башҡорт теле буйынса диктант Өфөлә 2014 йылдан үткәрелә. Быйыл юбилей йылында ул халыҡ-ара статус алды. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, республиканың юғары уҡыу йорттары Советы, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһына рәсми инеү сараһы үтә тантаналы шарттарҙа үткәрелмәйәсәк, юғары ҡунаҡтар ҙа күпләп көтөлмәй. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. – Сара эшлекле шарттарҙа, концертһыҙ, тантанаһыҙ, башҡа төбәктәрҙән саҡырылған күп һанлы ҡунаҡтарһыҙ үтәсәк. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. Был тулыһынса Башлыҡтың эшлекле кәйефенә тап килә. Ант биреү, процедураға ярашлы башҡарылһа ла, бик мөһим юридик ғәмәл булып тора. Тап унан һуң Башлыҡ үҙенең вәкәләттәрен тормошҡа ашыра башлай, – тине ул. Константин Толкачев билдәләүенсә, Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республиканың юғары вазифалы кешеһенең киң вәкәләттәргә хоҡуғы бар. Улар араһында – төбәкте ил Президенты һәм федераль власть органдары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә танытыу, Хөкүмәтте туплау, закондарҙы башҡарыуҙы контролдә тотоу, республика биләмәһендә башҡарыу мотлаҡ булған указ һәм күрһәтмәләр сығарыу. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ башҡарма власҡа етәкселек итә. – Башлыҡтың вазифаға рәсми инеүе Хөкүмәттең вәкәләттәре тамамланыуын аңлата. Республика етәксеһе уны яңынан формалаштырасаҡ. Төбәк менән етәкселек итеүҙең төп вазифаларына кемдәр килеүгә ҡарап, нигеҙҙә, республиканың киләһе биш йыллыҡтағы үҫеш юлы билдәләнәсәк, – тине Константин Толкачев. Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы иртәгә, 19 сентябрҙә, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтәсәк. https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/inauguratsiya-t-tantanaly-bulmayasa/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Француз табибы Пессо: «Хәрәкәт үҙенең тәьҫире буйынса теләгән бер дарыуҙы алмаштыра ала, ләкин бер дарыу ҙа үҙенең сихәте буйынса хәрәкәтте алмаштыра алмай», – тигән. Тимәк, һау булғың килһә, хәрәкәтләнергә кәрәк. Һәр кемдең дә сәләмәт һәм күңелле, оҙон ғүмерле булғыһы килә. Әммә бының өсөн көс һалырға кәрәк. Ваҡытты компьютер йә иһә телевизор алдында үткәреү урынына саф һауала йөрөргә, мәҫәлән. Скандинавса йөрөү йәки атлау – физик әүҙемлектең бер төрө, махсус таяҡтар ярҙамында атлау техникаһы. Ул Финляндияла барлыҡҡа килгән. 1990 йылдарҙа бөтә донъяла билдәлелек яулай. Скандинавса атлағанда тәндең 90 проценттан ашыу мускулы хәрәкәтләнә, 46 процентҡа күберәк калория сарыф ителә. Һөҙөмтәһе күҙгә күренә. Шул уҡ ваҡытта таяҡҡа таяныу тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеште кәметеп, уларҙы таушалыуҙан һаҡлай. Әлбиттә, даими йөрөү йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан йөрөшөн, ҡан баҫымын көйләй, холестерин кимәлен төшөрә, артыҡ ауырлыҡтан арындыра. Һаулығың - байлығың, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Бының шулай икәнен Тирмән- Йылға ауылы халҡы ла яҡшы аңлай. Ҡулдарына таяҡтар тотоп сыҡҡан кешеләр араһында йәштәре лә, ҡарттары ла етерлек, бөтә ғаилә менән йөрөгәндәре лә байтаҡ. Был шөғөлдө ауылда тәүгеләрҙән булып Зөлфиә Ғүмәрова башлап ебәргән. - 2014 йылда аяҡтарым һыҙлай башланы. Йөрәк тә ваҡыты-ваҡыты менән ауырта, сәнсеп ала ине. Интернет селтәре аша һауығыу юлдарын эҙләгәндә, скандинавса йөрөү тураһындағы мәҡәләгә юлыҡтым. Миңә тиклем ауылда Фәнүзә менән Ғаяз Әминевтарҙың таяҡтар менән йөрөгәнен күрә инем. Күп уйлап торманым, таяҡтарҙы үҙем эшләп алдым да, үҙебеҙҙең йорт эргәһендә генә урманға сығып киттем. Яйлап ҡына минең менән күршеләрем дә йөрөй башланы. Гөлгөнә Ҡотлоева, Фәрзәнә Әминева кис һайын 5-6 саҡрым араны һә тигәнсе урап ҡайта. Уларҙы ла скандинавса йөрөү ҡағиҙәләре менән таныштырҙым. Атлағанда арҡаны тура тоторға кәрәк, эйелергә ярамай. Ҡул алда булғанда терһәкте бөгөргә, артта сағында – яҙырға. Үксәнән аяҡ осона баҫып хәрәкәт итергә кәрәк. Таяҡтың оҙонлоғо кәүҙә бейеклегенең 2/3 өлөшөн тәшкил итергә тейеш, - тип һөйләне ул. Был спорт төрө менән төрлө йәштәге кешеләр шөғөлләнә ала. Махсус таяҡтары булмаһа, саңғы таяҡтары менән дә йөрөргә мөмкин. Скандинавса йөрөү кәйефте күтәрә, шатлыҡ гармондары бүлеп сығара. Физик күнекмәләр менән тулыландырылған скандинав йөрөшөн һөҙөмтәле ябығыу сараһы тип тә ҡабул итергә мөмкин. Өс ай дауамында аҙнаһына өс тапҡыр скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә 2,5-3 килограмға ябығырға була. Таяҡтар умыртҡалыҡҡа, быуындарға, йөрәккә һәм ҡан тамырҙарына баҫымды кәметеү мөмкинлеген дә бирә. Шул уҡ ваҡытта туҡланыу һәм йәшәү рәүешен үҙгәртмәйенсә. Тирмән-Йылға ауылында хәҙер көн һайын йөҙгә яҡын кеше йөрөй. Скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр араһында 75 йәшен тултырған Нәзирә Хөсәйенова ла бар. “Аяҡтарым ныҡ һыҙлай ине, атлай ҙа алмай инем, яйлап ҡына таяҡтар менән йөрөй башланым. Аллаға шөкөр, аяҡтарымдың һыҙлауы баҫылды, ҡан йөрөшө һәйбәтләнде, кәүҙәм дә еңеләйҙе “, - тип шатлана Нәзирә инәй. Шуныһы шатлыҡлы, ауылда скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр күбәйгәндән- күбәйә бара. Тирмән- йылғалар спорттың был төрө менән шөғөлләнһен өсөн, тәбиғәт үҙе бар шарттар булдырған - эргәлә генә терәлеп торған урман, бер нисә метр алыҫлыҡта ғына Салауат ҡалаһының саңғы юлы ярылып ята. Буш ваҡыттың һәр минутын ҡәҙерләп, ҡулға скандинав таяҡтары тотоп, саф һауала йөрөп әйләнеүгә ни етә! Фото: автор. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым, традиция буйынса беҙ уны яҙ етеү, матурлыҡ һәм наҙлылыҡ, йорт усағының йылыһы, яңы тормош башланыу менән бәйләйбеҙ! Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ ярҙамында йорттарыбыҙҙа йылы һәм уңайлы, аҡыллы һәм сәләмәт балалар үҫә, ир-егеттәр үҙҙәрен тыныс һәм ышаныслы хис итә. Һеҙ ҡатимарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ, һеҙҙең менән теләһә ниндәй ауырлыҡтар еңел үтә, беҙҙе яңы еңеүҙәргә рухландыраһығыҙ. Ветерандарға, һуғышта ҡатнашҡан, блокаданы үткәргәндәргә, тыл эшсәндәренә, бөтә өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ ауырлыҡтарға баш эймәй, мөһим ваҡиғаларға бай оҙон тормош юлы уҙҙығыҙ һәм игелеклелек, фиҙакәрлек, намыҫлылыҡ кеүек матур сифаттарҙы һаөлап ҡала алдығыҙ. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ғаиләләрегеҙҙә һөйөү тантана итһен. Һөйөклө кешеләрегеҙ һеҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаһын, күҙҙәрегеҙҙә бәхет осҡондары балҡыһын. Һәммәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы һәм именлек теләйем! Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН. Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Аҙаҡҡы ваҡытта ауылдарҙа модулле ФАПтар сафҡа инә. Бөгөн шундай модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты Анновка ауылында ла төҙөлә башланы. Ярты быуат буйы медицина учреждениеһы иҫке бинала урынлашҡан булған. Яңы ФАП “Һаулыҡ” милли программаһы ярҙамында төҙөлә. Ҙур ауылдарҙа медицина учреждениеһы өсөн бина, ғәҙәттә, капиталь төҙөлә, ә бына бәләкәй ауылдарҙа блок-модуль технологияһы ярҙамында тиҙ төҙөп ултыртыла торған ФАП-тар киң таралыу ала бара. Әле Анновка ауылында төҙөләсәк модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының нигеҙе һалынған. Бина каркасының конструкцияһын төҙөү менән Пермь өлкәһенең Чусовой ҡалаһындағы “Стройсервис” ЯСЙ-һы төҙөүселәре булыша. Иретеп-йәбештереүселәр А.М.Ғүмәров, А.В.Чикишев һәм йыйып-ҡороусы А.С.Казанцевтар билдәләүенсә, бер-нисә көндән монтажлау эштәре тамамланасаҡ. Практика күрһәтеүенсә, модулле ФАП бинаһын күтәреп ултыртыу өсөн бик аҙ ваҡыт сарыф ителә. Аҙаҡ иһә уны төҙөкләндереү, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу эштәрен тормошҡа ашырыу ғына ҡала. Анновка һәм уның янындағы ауылдар халҡы тиҙҙән заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәтләндереләсәк. Гөлгөнә ТАҺИРОВА. Н.МОХОВ фотоһы. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Салауат картиналар галереяһында “Сәнғәт төнө - 2022” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы уҙҙы. Быйыл ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм “Беҙ берҙәм” темаһына арналды. “Сәнғәт төнө” балҡыны Салауат картиналар галереяһында “Сәнғәт төнө - 2022” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы уҙҙы. Быйыл ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм “Беҙ берҙәм” темаһына арналды. “Мимикрия” театр студияһының йәш актерҙары ингән ерҙә үк байрам мөхите булдырғайны. Оҫталар һәмһөнәрселәр әҙерләгән “Халыҡ һөнәрҙәре хороводы” биҙәү-ҡулланма ижад күргәҙмәһендә бәйләнгән һәм туҡыма интерьер ҡурсаҡтарҙы, сәйләндән һәм күндән, Swarovski кристалдарынан биҙәүестәрҙе, ағасҡа төшөрөлгән һүрәттәрҙе күрергә була ине. Сараға килгән ҡунаҡтар оҫталар менән күҙгә-күҙ осрашып ижадтың төрлө йүнәлештәре һәм төрҙәре тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булды. «ARTLAND» өлкәндәр һәм балалар ижады үҫеше үҙәге ҡунаҡтар өсөн Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген сағылдырған модулле картина әҙерләгәйне. Һәр теләгән кеше был арт-объектты булдырыуҙа ҡатнашып, “Рәсәйҙең көсө - халыҡтар берҙәмлегендә” картинаһын төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә алды. Башкортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Виктор Домашниковтың күргәҙмәһе акцияла ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы. Тамашасыларҙың һоҡланғыс картиналарҙы күреү генә түгел, ә авторҙың үҙе менән аралашыу мөмкинлеге лә булды. Виктор Домашниковтың ижадына ғашиҡ йәш рәссам һәм сәнғәт белгесе Лилиә Яковлева тамашасылар иғтибарына “Тормош гравюраһы” ижади видеотаҫмаһын тәҡдим итте. Ә Тамара Казанцеваның Егор Карпов башҡарыуындағы “Был тормошта бөтә нәмә эҙ ҡалдыра” тигән шиғыры “Сәнғәт төнө”н тағы ла күркәмерәк итте. Ҡунаҡтар өсөн мауыҡтырғыс саралар, күргәҙмәләр буйлап экскурсия, балалар, өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Рәссам Ирина Гулина “Орнамент - халыҡ күңеле” оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Сәнғәт һөйөүселәр унда Рәсәй халыҡтары орнаменттарының төрлөлөгө менән танышты, уларҙың нимә аңлатыуын белде, шулай уҡ график техникала биҙәк булдырҙы, һөҙөмтәлә, ул берҙәм композицияға берләштерелде. Тағы бер оҫталыҡ дәресе - каллиграфия менән танышыу. Яҙыуҙың барлыҡҡа килеү тарихын ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Ә һуңынан ҡәләм, буяу, каллиграфик маркерҙар, шул иҫәптә ҡаҙ ҡауырһыны менән яҙып та ҡаранылар. Туҡыусылыҡ – меңәрләгән йылдар буйына йәшәгән сәнғәт төрө һәм ул фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡара торған шөғөлдәрҙең береһе. Беҙҙең ҡалала был боронғо шөғөлдө һөнәрсе Гөлнара Янышева тергеҙә. Ул туҡыма киҫәктәренән “Башҡортостан картаһы” панноһын булдырыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Сара дауамында тере музыка яңғыраны, матур концерт номерҙары башҡарылды. Был кистә Салауат картиналар галереяһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә килеүселәрҙе таң ҡалдырыр өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләне.
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Мулланур Әхтәров йоҡа металдан торбалар әҙерләй. Уның өсөн был эш түгел, ә, үҙе әйтмешләй, мауығыу. М. Әхтәров. Тәүге әҙерҙә Мулланур Әхтәров тимер менән “килеп сығырмы икән?” тигән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерер өсөн булыша башлай. Пенсияға ҡәҙәр ул газ хеҙмәтендә эшләгән. Хаҡлы ялда буш ваҡыты күбәйгән. – Башта барыһын да ҡул менән эшләнем, – тип иҫенә төшөрә. – Ауыр булды. Минең яратҡан шөғөлөм тураһында белеп, балаларым торбалар бөгә торған станоктар, зик-машина һәм ҡул фальцегибы алып ҡайтып бирҙе. Йәйге өйөм дә ярап ҡалды. Станоктарҙы шунда урынлаштырып, мин уны эш урыны итеп яһап алдым. Бына ете йыл инде ул буш ваҡытын ошо эш менән булашып үткәрә. Хәҙер Мулланур Әхтәров өй һәм мунса мөрйәләре, вытяжкалар әҙерләй. Оҫтаның эш урынында төрлө диа-метрҙағы әҙерләмәләр бихисап. Кешеләр уға үлсәмдәрен һәм һыҙмаларын килтереп, унан үҙҙәренә кәрәкле нәмәләрҙе эшләтеп ала. Уға районыбыҙҙың ғына түгел, ә Балаҡатай һәм Дыуан райондары кешеләре лә мөрәжәғәт итә. – Ҡышын заказдар йыш булмай, йәй һәм көҙ – эштең иң күп осоро, – ти ул. “Был эш табышлымы?” – тигән һорауға: – Килемгә ҡарағанда эштең миңә ҡәнәғәтлек килтереүе мөһимерәк, – тип яуап ҡайтарҙы тынғы белмәҫ пенсионер.
Коронавирус буйынса бөгөнгө брифингта был сирҙән һауыҡҡан тәүге кешенең дауахананан сығыуы хаҡында әйттеләр. Коронавирус буйынса бөгөнгө брифингта был сирҙән һауыҡҡан тәүге кешенең дауахананан сығыуы хаҡында әйттеләр. Матур хәбәрҙән кәйефтәр күтәрелеп китте. Европанан сирләп ҡайтҡан Дүртөйлө һылыуы 21 марттан бирле инфекция дауаханаһында ята ине. Хәҙер ул тулыһынса сәләмәт, тирә-яҡтағыларға вирус йоҡторор, тип ҡурҡырға түгел. Уның менән бергә дауаланыусы апаһы ла, ҡалған ауырыуҙар ҙа шулай тиҙ һауыҡһын, өҙлөкмәһен, тип теләйбеҙ! Бөгөнгө көндә Өфөнөң инфекция дауаханаһында коронавирус менән сирләүсе ете кеше ята. Тәүлек эсендә ике ауырыу өҫтәлгән. Франциянан ауырып ҡайтҡан студенттан сир һеңлеһенә лә йоҡҡан. Республика дауаханаларында коронавирусҡа шик булған 107 кешенең сәләмәтлеге тикшерелә, уларҙың 18-е – балалар. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
“Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында республикала балалар сәнғәт мәктәптәренә һәм училищеларға музыка ҡоралдары алыу 2020, 2022, 2024 йылдарҙа биш тапҡырға артасаҡ. Ошо осорҙарҙа был маҡсатҡа 200 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, был – ил төбәктәренә бүленгән иң ҙур федераль субсидияларҙың береһе. Уҡыу йорттарын йыһазландырыу өсөн һүрәт төшөрөү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте ҡорамалдары ла инә. Мәҫәлән, мольберттар, керамиканы үртәү өсөн мейестәр. Милли проектҡа ярашлы финанслау махсус учреждениеларға ҡыйбатлы ҡорамалдар алыу, һөҙөмтәлә белем биреү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк, тине министр. Башҡортостанда ижади йүнәлешле һигеҙ урта махсус уҡыу йорто, 117 балалар сәнғәт мәктәбе (уларҙа 50 мең самаһы бала шөғөлләнә) бар. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”. Эште тормошҡа ашырыу өсөн 2019 – 2024 йылдарҙа 113,5 миллиард һум бүлеү планлаштырылған. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһендә төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ауыл хакимиәте башлығы Раил Низамовтың әйтеүенсә, 2018 йылда тирә-яҡты таҙартыу буйынса шәмбе өмәләре ауылдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу һәм таҙалыҡ булдырыу буйынса эштәрҙең мөһим өлөшөнә әйләнде. Шулай уҡ электр сымдарын, урам фонарҙарын алмаштырыу буйынса эштәр бара, яңы фонарҙар ҡуйыла. Юл билдәләре урынлаштыра башлағандар, быйыл да был эш дауам итәсәк. Ауыл биләмәһе территорияһында булған малдарҙың 65 проценты тамғаланған. Ауыл халҡы төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр "Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы буйынса Һөләймән ауылында балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Быйыл шундай уҡ объект Һабанаҡ ауылында планлаштырылған. “Балалар спорты” программаһы буйынса Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә спорт залы ремонтланған, инвентарь алынған. Пландарҙа – юлдарҙы ремонтлау, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эште дауам итеү, программаларҙа ҡатнашыу өсөн һыу менән тәьмин итеү системаһына документтар әҙерләү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ҡуйыу. Ауыл биләмәһе халҡы һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнашты. Күпер мәсьәләһе бер нисә йыл асыҡ ҡала, халыҡты браконьерлыҡ проблемаһы борсой, малдарҙың, эттәрҙең иректә йөрөүҙәре мәсьәләләре күтәрелде. Әләгәҙ ауыл биләмәһендә “Ҡала мөхите” программаһы буйынса уҙған йыл күп фатирлы ике йорттоң ихаталарына асфальт түшәлгән. “Реаль эштәр” программаһы буйынса “Родничок” балалар баҡсаһында тәҙрәләр алмаштырыл-ған. Ҡайһы бер участкаларҙа юлдар ремонтланған, юл билдәләре ҡуйылған, урамдарҙа фонарҙарҙы алмаштырыу һәм ҡуйыу буйынса эштәр бара. Юлдарҙы ремонтлауҙы быйыл да дауам итергә, шулай уҡ күберәк халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итергә, ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән программаларҙа артабан ҡатнашыр-ға планлаштыралар. Ауыл халҡын һыу менән тәьмин итеү һәм юлдар торошо проблемалары борсой. Октябрьск ауылында ике ҡатлы иҫке өйҙәргә һәм ял паркына, хужаһыҙ гараждарға һәм элекке совхоздың келәттәренә, район поликлиникаһы табиптарына яҙылыу һәм Борғатъя ауылында урман йығыуҙың законлы булыу-булмауына бәйле һорауҙар яңғыраны. Оло Аҡа ауыл биләмәһендә былтыр юлдарҙы ремонтлауға, сүплектәрҙе гөр-ҙөрөүгә ҙур иғтибар бүленгән, экологик акциялар һәм шәмбе өмәләре үткәрелгән. Ауыл биләмәһенә ҡараған һәр ауылда урам фонарҙары ремонтлана, лампалар алмаштырыла. Баннерҙар һәм алтаҡталар ҡуйылған. Вадим Шаһибитдинов халыҡтың “Урындағы башлан-ғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыуын билдәләне: 1500 метр юл ремонтланған. Ә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса Степной ауылында клуб ҡыйығы ремонтланған. Оло Аҡа ауылында авария хәлендәге күпер проблема булып ҡала. Быйыл ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе дауам итергә, артабан да “Реаль эштәр”, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” һәм шулай уҡ “Ҡала мөхите” программаларында ҡатнашырға планлаштыралар. Халыҡ ауыл амбулаторияһы эше, уның ҡыйығын ремонтлау менән ҡыҙыҡһынды, Степной ауылында ФАП-ты асырға һораны. Халыҡты һөттө түбән хаҡ менән һатып алыуҙары борсой. Был мәсьәлә бик әүҙем тикшерелде. Абдулла ауыл биләмәһе халҡының да проблемалары шундайыраҡ. Табиптарға яҙылыу, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы алыуға бәйле һорауҙар күп. Бында кеҫә телефоны бәйләнеше юҡ тиерлек – ауыл халҡы бына инде бер нисә йыл ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорай. Ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Носратуллиндың әйтеүенсә, былтыр апрелдән башлап урамдарҙы, ихаталарҙы, урмандарҙы таҙартыу, ҡоймаларҙы һәм биналарҙың тышҡы яғын ремонтлау башҡарылған, халыҡ экологик өмәләрҙә бик теләп һәм әүҙем ҡатнашҡан. Абдуллалар төрлө программаларҙа ла ҡатнашып тора. Пландарҙа – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ҡуйыу, улар өсөн майҙансыҡтар урынлаштырыу. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында малдар һаны кәмемәһен өсөн кооперативтарға берләшергә кәрәк. Ошо мәсьәлә буйынса халыҡ менән үткәрелгән тәүге йыйылыштар кооперация ойоштороуҙың маҡсатын һәм принциптарын барыһы ла аңлап бөтмәүен күр-һәтте. Ә был халыҡҡа етештергән ит һәм һөттәрен яҡшыраҡ хаҡҡа һатыу мөмкинлеге бирер ине.
Бер көн дәрестә Борис Домашников ижады менән таныштыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Хәйрулла ҡыҙы Әхмәтова рәссамдың тормош юлы тураһында һөйләне һәм уның һүрәттәрен күрһәтте. Бер көн дәрестә Борис Домашников ижады менән таныштыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Хәйрулла ҡыҙы Әхмәтова рәссамдың тормош юлы тураһында һөйләне һәм уның һүрәттәрен күрһәтте. Борис Домашников 1924 йылдың 5 апрелендә Иванов өлкәһе Лух районының Кригоузов ауылында тыуған. 1935 йылда уларҙың ғаиләһе Өфөгә күсеп килә. Борис Фёдорович Өфө театр-художество училищеһын тамамлай. 1953 йылдан башлап төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башлай һәм билдәлелек яулай. Миңә рәссамдың «Һаҙ томбойоғо сәскә ата» исемле картинаһы оҡшаны. Унда һары томбойоҡтар төшөрөлгән, ағастар ҙа күп. Артҡы планда бейек булмаған тауҙар күренә. Күк йөҙөндә болоттар йөҙә. Был картинала Борис Домашниковтың тәбиғәттәге яҙғы матурлыҡты нескә тойған рәссам икәнлеге күренә: тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә һәм тәүге сәскәләр ҡалҡып сыға. Уҡытыусыбыҙ томбойоҡ һүрәтен эшләп килергә ҡушты. Мин уны ҙур итеп төшөр­ҙөм, ә артҡы планда ҡамыштар үҫә, күк йөҙө аяҙ. Йәйге йәшеллекте тасуирлап, был төҫтө күп ҡуллан­дым. Беҙ дәрестә тәбиғәттең йоҡонан уян­ған саҡта ни тиклем матур икәнлеген күрергә өйрәндек. Зилиә ТАҺИРОВА, V «В» синыфы уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Башҡортотан Республикаһы уҡыусылары спартакиадаһы сиктәрендә район мәктәптәре араһында мини-футбол буйынса ярыштарҙың муниципаль этабы үтте. Район үҙәге мәктәптәре вәкилдәре төркөмөндә гимназияның ҡыҙҙары ла, егеттәре лә чемпион булды. Ауыл мәктәптәре төркөмөндә Ҡалтай ҡыҙҙары иң көслө футболсылар булып сыҡты. Иҫке Ҡормаш командаһы – икенсе, Иҫке Туҡмаҡлы мәктәбе өсөнсө урындарҙы алды. Ҡараса-Йылға мәктәбе футболсылары егеттәр араһында иң яҡшы уйын күрһәтте. Ҡалтайҙар – икенсе, Әхмәт командаһы өсөнсө урындарҙа. Беҙҙең хәбәрсе. Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Магазиндан ҡайтып киләм. Был юлды мин көн аша тапайым: һөт, икмәк, башҡа кәрәк-яраҡ. Үҙемә йәнем көйә. Эшкинмәгән бер әҙәммен бит! 15 йәшендә башҡа малайҙар ҙа әл­лә ниндәй эштәр атҡарып йөрөмәйҙер, әммә минең нимә менәндер шөғөл­ләнгем, был донъяға яраҡлы булғым килә. Магазиндан ҡайтып киләм. Был юлды мин көн аша тапайым: һөт, икмәк, башҡа кәрәк-яраҡ. Үҙемә йәнем көйә. Эшкинмәгән бер әҙәммен бит! 15 йәшендә башҡа малайҙар ҙа әл­лә ниндәй эштәр атҡарып йөрөмәйҙер, әммә минең нимә менәндер шөғөл­ләнгем, был донъяға яраҡлы булғым килә. – Һаумыһығыҙ! – туғыҙ ҡатлы йорт­тоң ишек алдында гәп һатҡан ике әбей менән һаулыҡ һорашам. Һорашам тигәс тә, ауыҙ эсенән һүҙгә оҡшаған өн сығарып, баш ҡағып иҫәнләшәм. Улар гел ошонда ултыра. Күптәнге таныштарым кеүек булып бөт­төләр инде. Күренмәйерәк торһалар, хат­та борсола башлайым. Бына минең туҡталыш. Ҡайһы берҙә, сумкам еңел булһа, йәйәү ҙә ҡайтам, әммә бөгөн көнө әл­лә ниндәй, болотло, ваҡ ҡына ямғыр һибәләгән кеүек. Апрель – май аңлайышһыҙ айҙар шул. Иң алғы урындар буш. Ғәҙәт­тә, һеңеп кенә ултырам да, кепкамды күҙемә төшөргәнсе батырам – кешенең тексәйгәнен яратмайым. Күп малайҙар оҙон буй тураһында хыял­лана, ә минең бәләкәй генә булғым килә. Бәләкәй кешенең һаҡаулығы күҙгә салынып бармайҙыр төҫлө. Иғтибар йәлеп итмәҫ өсөн модалы кейем, кәттә прическа тип тә иҫем китмәй. Иғтибарҙан мөмкин тиклем сит­тә торорға тырышам. Быға етешһеҙлегем – һаҡаулығым – сәбәпсе инде… Юҡһа заманса булырға бер нәмә лә ҡамасауламай бит. Атайым юғары урында эшләй, аҡсаны һәйбәт ала, әсәйем дә эшенән зарланмай. Тик ултырғансы тип, ҡуйынымдан китабымды сығарып өлгөрмәнем, ҡаршыма бер ҡыҙ килеп ултырҙы. Кепкамды күтәрә төшкәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Күҙ­ҙәребеҙ осрашты. Шуны ғына көткән тиерһең, ауыҙы йырылды. Болот­тар таралып, ҡояш килеп сыҡтымы ни! Яуап итеп һаран ғына йылмайыу билдәһе сығарҙым да ҡарашымды ситкә ала һалдым. Ә нимә эшләйем һуң?! Мин энә өҫтөнә баҫтым: үҙемде нисек тоторға, күҙ­ҙәремде ҡайҙа йәшерергә, меҫкен хәлдән нисек сығырға белмәйем. Бөтә күҙәнәктәрем менән һиҙәм: һаман минән күҙен алмай. Бешмәгән, тип мыҫҡыл итеп ултырыуымы икән? Битем яна ғына! Ҡыҙ­ҙар ҙа был тиклем ҡыҙармайҙыр. Үҙемде ҡулға алырға тырышып, китабымды астым да тәүге биткә текәлдем. Бирелеп уҡығандай ҡыланам, ә үҙем бер генә хәрефте лә күрмәйем. Күҙ­ҙәремде хәс тә томан ҡапланы. Ярай, уҡыған ҡиәфәт яһап булһа ла барайым. Әкрен генә күҙемде күтәрәм: ҡыҙыҡай тәҙрәгә баҡҡан. Йөҙөнә ҡарағанда, йәшкә минең менән бер сама, уртаса буйлы. Оҙон толомдары биленә саҡлы төшөп тора. Сәсе ҡара булһа ла, йөҙө аҡ икән. Һипкелдәре лә күренә. Улар ҡыҙ­ҙы тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Шулай, онотолоп китеп, уны күҙәткәндә ҡыҙ аңғармаҫтан минең яҡҡа боролдо. Боролдо ла йәнә йылмайҙы. Ҡапыл водитель тормозға баҫты. Баҫып торғандар кемуҙарҙан алға аушайҙы. Ҡаршымда ултырған ҡыҙыҡай ҙа, ҡалҡынып, урынында сайҡала бирҙе лә миңә табан ҡолай башланы. Нисек тотоп алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. “Ебәр!” – тип көлөп ебәргәс кенә айнып кит­тем. Ҡыҙ­ҙы, тиҙ генә этеп, урынына ултырт­тым. – Мин Миләүшә булам! – тип, ҡыҙыҡай ҡулын һуҙ­ҙы. – Һинең исемең нисек? Бына ошонан, уның миңә өндәшеүенән ҡурҡа инем дә инде! “Шамил минең исемем!” – тип, эстән генә ҡысҡырҙым, йәнем әрнеп. “– Э‑э-эй, һиңә әйтәм!” – Миләүшә исемемде көтә. – Ә мин… мин… юҡ, әйтмәйәсәкмен. Исмаһам, ошо ҡыҙ мыҫҡыл итмәһен, белмәһен минең ниндәй икәнде. Ҡапыл китабым иҫкә төштө, бая, ҡыҙ­ҙы ҡолатмайым тип, ҡайҙалыр төшөрөп ебәргәйнем. Эҙләп, ултырғыс аҫтына эйелдем. Ах, мин, бешмәгән! Тапмайынса, килбәтһеҙ ҡиәфәт менән ҡалҡынып кире ултырҙым. Ҡыҙ ҡыланышымдан күҙен алмай. Былай бармай, тинем дә, ишек асылғайны, сумкамды эләктерә һалып төштөм дә ҡалдым. Өйгә нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәйем. Оят ине миңә. Ер уйылһа, икеләнеп тә тормай төшөп китер инем. Мәмәй!.. Бөтә эсем ҡайнай. Сумканы кухняға индереп ҡуйҙым да бүлмәмә инеп бикләндем. Оҙаҡ тыныслана алманым, хат­та башҡа ваҡыт­тағы кеүек компьютер ҙа онотолорға ярҙам итмәне. Йоҡларға ятҡас, теге ҡыҙ күҙ алдына килде лә, һағыш быуып алды. Бындай тойғоно бер тапҡыр ҙа кисергәнем юҡ ине минең. Нимә булды? Һипкел­ле аҡ йөҙлө ҡыҙ­ҙы нисек кенә ҡаршымдан ҡыуып ебәрергә тырышһам да, ул йылмайып тик торҙо. Тотлоғоп һөйләшкәнемде, насарыраҡ ишеткәнемде белһә, нимә эшләр ине икән? Бер ҙә йылмайып ултырмаҫ, башҡалар кеүек ғәрләнер ине, моғайын. Һаҡау менән кемдең дуҫлашҡыһы килһен? Шулай ҙа, кешегә бер йылы һүҙ етә, Миләүшәнең йылмайыуы, миңә кешегә ҡараған кеүек ҡарауы күңелемде әл­лә нишләт­те. Ҡыйын да, рәхәт тә… Борғаланып ята торғас, таңға ҡарай ғына йоҡлап кит­тем. * * * Илшат ҡустым өйҙә булмағас, кисә тыныс, рәхәт булғайны, бөгөн таң менән яныма килеп тә инде. – Тор, ағай, сәй эсәбеҙ! Әсәйем бөгөн балалар баҡсаһына алып бармаған, тимәк, көнө буйы уның күңелен күрергә тура килә. Уға әле өс кенә йәш, әммә үҙенең төпсөк икәнен бик яҡшы аңлай, батшамы ни, барыһын да алдында йүгертә генә. Бигерәк тә атайым менән әсәйем бар теләген үтәй. Ә минең йәнем көйә. Ул тыуғансы хәлдәрем улай уҡ мөшкөл түгел ине бит… Илшат­ты алып ҡайт­тылар ҙа, бөтә иғтибарҙары уға күсте лә ҡуйҙы. Мин, әйтерһең, уларҙың хеҙмәтсеһенә әйләндем: шуны алып кил, быны эшлә, тегене ҡара, быны онотма… Шулай инде, яратырға хәҙер Илшат­тары булғас. Бөгөн дә әсәйем бер ҡосаҡ эш ҡушасаҡ та эшенә сығып йүгерәсәк. Ҡолағыма шатыр-шотор килгән тауыштар ишетелде. Һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йүгереп сыҡһам, ҡустым, ултырғысҡа баҫып, шкафҡа үрелгән дә, тәрилкәһе-ниһе менән ҡолап төшкән. – Йоҡосо! Күпме йоҡо һимертергә була!.. – Мине күреп ҡалғас, әсәйем әрләргә кереште. Унан Илшатына сөсөлдәне: – И‑и-ий, бәпәйемде, ауырт­тымы? Йә, бөт­тө-бөт­тө! Их, бынау ағайҙы, ҡустыһын ҡарарға ла эшкинмәй… Рәнйешемдән уртымды сәйнәйем. – Нимәңде ҡарап тораһың, ал Илшат­ты, былай ҙа эшкә һуңланым! Әсәйемдең күҙендәге асыуҙы күргәс, был өйҙә мин артыҡ, тигән тойғо нығыраҡ көсәйҙе. Ниңә генә йәшәйем икән мин был донъяла?!. Ҡулымды һоноуға Илшат аҡырырға тотондо. Ауыртҡандан да түгел, иркәләнеп, буштан-юҡҡа. Иртәм шулай башланды. Күңелдә кисәгенән бер ҙә еңелерәк түгел. Йә атайым өйҙә түгел, эшенән ярты йылға уҡырға ебәрҙеләр. Ул мине әҙерәк аңлағандай ҙа бит… Әсәйем артынан ишек ябылыуға Илшат­тан яманыраҡ итеп үкереп ебәрҙем. Үҙе лә ҡурҡып кит­теме, илауынан туҡтап, аптырап, миңә ҡараны. Ә мин, эсемдәге бөтә асыуҙы, рәнйештәремде тышҡа сығарырға теләгәндәй, стенаны төйөп-төйөп, үкереүемде белдем. Илшат ахырҙа миңә килеп һарылды. – Ағай… Бөт­тө… бөт­тө… – Бөтмәне шул, бөтмәне! – тип әйткем килде, тик, һәр ваҡыт­тағыса, тәүге ижекте ҡабатлауҙан ары уҙманым. Уның һайын нығыраҡ иланым. Ниңә, ниңә мендем шул ҡәһәр һуҡҡан ағасҡа?! Ниңә береһе лә тыймаған?! Урынымдан торҙом. Ҡустымды ашығып кейендерә башланым. – Ҡайҙа барабыҙ, ағай? Тышта уйнайбыҙмы? – Бер ни аңламаған бала, яуап бирмәҫемде белһә лә, тәтелдеге сығып, һорауҙарын яуҙырҙы. “Мине телһеҙ иткән ағастың үҙен хәҙер йәнһеҙ итәбеҙ!” – тинем, эстән ҡәһәтләнеп. Балтаны пакетҡа тығып алдым да, ҡустымды етәкләп, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, парк яғына йүнәлдек. Парк тигәс тә, парк түгел ул. Беҙ­ҙең йорт урынында ҡасандыр баҡса булған. Юлдың теге яғына бер нәмә лә төҙөмәнеләр, ташландыҡ булып ята. Элегерәк, малай саҡта, беҙ унда еләк, сейә, муйыл, ҡурай еләге ашарға йөрөй торғайныҡ. Үҙебеҙсә парк тип йөрөтәбеҙ. Ҡустым бара бирә лә шыңшырға керешә. Күтәреп алам. Асыуым шул тиклем, хат­та арыуҙы ла, Илшат­тың ауырлығын да һиҙмәйем, атлайым да атлайым. Бына ул ағас. Шуның башынан осоп төштөм дә инде. Тотлоғоп ҡалыуымда тап ошо ағасты ғәйепле иткем килә. Йыш ҡына ҡабатлаған һүҙ­ҙәрем тел осома килде: “Нишләп кенә ҡолағас та үлмәнем, тере ҡалдым?!” Илшат­ты ситкәрәк ҡуйҙым да пакет­тан балтаны сығарҙым. Тирә-яғыма ҡаранып, бер кем дә юҡ икәненә ышанғас, тегене тунай башланым. Балта тупаҫ булдымы, көсөм шул ғына самамы, тирләнем-бештем, ҡулымдың хәле бөт­тө, әммә ағас һис бирешергә теләмәй. Шулай маташҡанда кемдер ҡулымдан балтамды тартып алды, үҙемде ситкә алып быраҡтырҙы. Йөҙ түбән ят­тым да ғәрлегемдән илап ебәрҙем. Оло йәштәге әлеге ағай пыр туҙ­ҙырып әрләп ташланы. Ярты һүҙен аңланым, яртыһын – юҡ. Әрләүҙәргә һәм йәл­ләүҙәргә өйрәнеп бөткәнгә, бер ҡолағымдан инде, икенсеһенән сыҡты. Матур ғына үҫеп ултырған ағасты вәхшиҙәрсә тунап ятҡандарын күрһәм, мин дә шулай итер инем, әлбит­тә. Их, ағай, тим эстән генә, телем булһа, бәлки, хәҙер һиңә барыһын да һөйләр, аңлатыр инем, күңелгә лә еңел булып ҡалыр ине… – Тор! – тип, мине һөйрәп тигәндәй торғоҙ­ҙо. Сит­тә барыһын да күҙәтеп торған Илшат­ты, елтерәтеп алып килеп, етәкләт­те лә ҡайтырға ҡушты. Балтамды бирмәне. Был иҫәр тағы ни ҡыланмаҫ, тип ҡурҡҡандыр… Был минут­та тамсы ла йәшәгем килмәй ине. Кеше түгел мин хәҙер! Теләһәләр – әрләйҙәр, теләһәләр – туҡмайҙар, теләһәләр – маҡтайҙар. Асыуым мине әҙәмгә һанамаған, ситкә ҡаҡҡан оло донъяға күсте. Мине береһе лә яратмай. Ә иң нығы – әсәйем… Артыҡмын уға. Миңә хат­та бер йылы һүҙе йәл. “Ҡустыңды ҡараныңмы?” “Ҡустыңды ашат­тыңмы?” “Ҡустыңдың өҫтөн алыштырҙыңмы?” “Күнегеүҙәреңде эшләнеңме?” “Дарыуҙарыңды ашаныңмы?” Минең менән булған һөйләшеүе ошо. Был барыбер йүнләп һөйләй алмай, тиҙер инде. Ярай, матур һүҙ­ҙәр әйтмәһен дә, иркәләмәһен дә ти, миңә бит уның бер йылы ҡарашы, башымдан һыйпап, йә арҡамдан ҡағып алыуы ла етә. Бигерәк тә кәрәклегемде тойоу мөһим. Хат­та хәҙер Илшаты ла мине еңеп алған. Ул әйткәнде генә эшләргә тейешмен. Әҙ генә ҡатыраҡ ҡыландыңмы, шунда уҡ әсәйгә ошаҡлай… Миңә тағы эләгә. Элек дуҫтарым күп ине, хәҙер улары ла юҡ. Барыһына ла мин – “һаҡау”. Тәүге мәлдәрҙә мәктәпкә йөрөнөм мин. Уҡытыусылар ҙа: “Дәрестәрҙе тыңлап булһа ла ултырыр, иптәштәренән, йәмғиәт­тән айырырға ярамай”, – тинеләр. Тәүҙә барыһы ла яҡшы ине, әммә аҙаҡ, кемеһенән, нимәнән киткәндер, мыҫҡыл­лауҙар йышайҙы. Уҡытыусылар ҙа айырып ҡарай башланы. Мәктәпкә тамсы ла йөрөгөм килмәне. Дәрестәрҙә ултырыу минең өсөн ғазапҡа әйләнде. Көн дә илай торғас, өйҙә уҡырға күндерҙем мин атай-әсәйемде. Һуңғы ике йылда уҡытыусылар, үтелгән темаларҙы өйгә килеп, аңлата. Быйыл апрель урталарынан килмәнеләр ҙә. Программаны үтеп бөт­төк, тинеләр. * * * Оҙаҡ уйланғандан һуң, йәйгелеккә өйҙән китергә ҡарар ит­тем. Күҙ көйөгө булып йөрөгәнсе… Әсәйемә лә тынысыраҡ булыр. Атайымдан ғына бер аҙ шөрләйем. Июль аҙағында ғына ҡайтасаҡ. Киткәндә: “Әсәйеңде тыңлап йөрө, ярҙам ит”, – тип ҡат-ҡат киҫәткәйне бит. Атайымды алданым килеп сыға инде. Ҡайҙа китеремде лә беләм: баҡсалағы иҫке өйөбөҙгә. Унда әл­лә нисә йыл барғаныбыҙ юҡ, шуға ла мине унан эҙләргә баштарына ла инмәйәсәк. Төшкөһөн, Илшат­ты йоҡлатҡас, кейемдәремде рюкзагыма тултырып, ишек төбөндәге шкаф эсенә йәшереп ҡуйҙым. Барғас та ашарға тип, икмәк-печенье һалып алдым, бешкән тауыҡ ите тураһында ла онотманым. Унан атайымдың электрон почтаһына, ҡыҫҡаса ғына хәлдәрҙе аңғартып, хат ебәрҙем. Ҡайҙа йәшәйәсәгемде уға әйтмәй булдыра алманым. Мине аңлар ул… Әсәйемдең йыйып ҡуйған еренән бер аҙ аҡса алдым. Уға ла записка яҙ­ҙым. “Әсәй! Мине эҙләмәгеҙ, көҙ еткәс, үҙем ҡайтырмын. Әсәй, әрләмә берүк, әҙерәк аҡса алдым, әммә уны мотлаҡ ҡайтарасаҡмын! Минең өсөн борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ…” Күңелемдә бер яҡтан ҡыйын, ни тиһәң дә йәйгелеккә генә булһа ла тыуған йортомдан, атай-әсәйемдән, ҡустымдан айырылам бит. Икенсе яҡтан, иңдәремдән ниндәйҙер ауыр бер йөк төшкәндәй. Үҙеңде артыҡ тойоп йәшәүҙән дә ауырыраҡ нәмә юҡтыр был донъяла. Хат­ты залдағы өҫтәлгә һалдым. Әсәйем, ғәҙәт­тә, залға һуңынан ғына инә. Уға тиклем сығып киткән булам. Илшат менән ғүмерҙә уйнамағанса уйнаным: ул ат итеп тә йөрөнө мине, йәшенмәге лә ҡалманы, рәхәтләнгәнсе туп та типтек. Ярай әле күршеләр өйҙә юҡ, күптән килеп, ишек шаҡыған булырҙар ине. Бешерерһең, тип әҙерләп кенә киткән ашты өлгөрт­төм. Әсәй ҡайтып, өсәүләп ултырып күңел­ле генә ашап алғас, һауыт-һабаны йыуҙым да, әсәй менән Илшат иғтибар итмәгән арала, ипләп кенә сығып та һыҙ­ҙым… Вокзалда телефонға яңы симка алып ҡуйҙым. Бер кем дә белергә тейеш түгел минең ҡайҙалыҡты... Ике сәғәт тигәндә килеп тә еттем. Баҡсаның күптән ҡаралмағаны күренеп тора. Элек рәт-рәт теҙелеп ятҡан түтәлдәрҙең эҙе лә юҡ. Ағастар ҙа йәйелеп, арҡыс-торҡос үҫкән. Ваҡ сейә, ҡурай еләге баҫҡан. Өйҙө асып ингәс, һағыш биләп алды. Ошо йорт таман миңә! Бер кем менән дә һөйләшергә, ишетмәй ҡалмайым, тип диҡҡәт менән тыңларға ла кәрәмәй. Бер үҙең йәшәп тик ятаһың. Өйҙәге артыҡ нәмәне ошонда ташыны әсәһе менән атаһы, шуға ла йыһаз да, һауыт-һаба, башҡа кәрә-ярағы ла етерлек. Ныҡ итеп һыуһағайным, биҙрә алдым да шишмәгә киттем. Әллә ярты ҡала баҡсала ята инде? Бөтөн халыҡ тышта, баҡса таҙалай, сүп-сар яндыра, ер ҡаҙый. Китеп барам, үҙем быҫҡып янған ҡоро үлән еҫен һулайым. Рәхәтлектән хатта баштар әйләнә. Кемгәлер оҡшамай был еҫ, әммә миңә бәләкәйҙән танһыҡ. Мунса яға башлаһалар, бигерәк тә. Миңә иғтибар иткән кешеләр менән баш ҡағып иҫәнләшәм. Тәбиғәт шулай иттертәме икән: ҡалала был кешеләр һине күрмәмеш булып төкөп үтеп китергә мөмкин, ә бында ихлас йылмаялар, иҫәнләшәләр, хәл һорашалар. Сәйнүкте ҡайната алманым, ут юҡ ине. Атайым сығарған мейескә ҡоро-һары ботаҡтарҙы индереп тултырҙым. Әммә яғып ебәрергә шырпы тапманым. Иртәгә эргәләге ауылға барып килергә тура килер. Эсем кәпәйгәнсә һыу эстем дә, әйберҙәр араһынан одеял алып, тышҡа сыҡтым. Уранып, тупһаға ултырҙым. Бала-саға ла йоҡларға ашыҡмай, шар ҙа шор килеп уйнай. Илшат та ҡайһылай рәхәтләнер ине бында килһә! Әллә ни эшләп баҡсаны ташланы ла ҡуйҙылар шул. Ә элек иң бәхетле көндәрем ошонда үткәндер. Телефонымды тоҡандырҙым. Бәй, бында интернет ҡына түгел, бәйләнеш тә юҡ бит! Әллә телефоным үҙе эшләмәй торамы тип, һүндереп, аккумуляторын өргөсләп, яңынан тоҡандырып ҡараным. Антеннаның бер генә һыҙығы ла күрһәтмәй. Шулай ҙа әллә ни эсем бошманы, кеҫәмә тыҡтым да тауыштарға ҡолаҡ һала-һала уң яҡ күршеләргә ҡарашымды йүнәлттем. Улар менән беҙҙең араны сетка бүлеп тора. Тупһанан баҡса эстәре яҡшы күренә. Оло йәштәге Сабир ағай менән Сания апайҙыҡы ул. Иҫләйем, йәй башынан килеп яталар ҙа, көҙ еткәс кенә ҡалаға ҡайтып китәләр ине, әле лә шулайҙыр күрәһең. Мине аңғара йөрөнөләрме, яңы күреп ҡалдылармы, Сабир ағай беҙҙең яҡҡа атланы. - Күршеләр килгән икән! Һаумы, Шамил! – тине ул ҡысҡырып. - Һа... һа... һа... Их!.. Йәнем көйөп маңлайыма һуғып алдым. Ҡыуанып ҡына иҫәнләшергә тип асҡан ауыҙым бер өндө ҡабатлап тик торасы!.. Бер аҙҙан күршем ҡапҡанан урап инде. - Атайыңдар ҡайҙа? Ниҙер әйтергә маташыу урынһыҙ икәнен аңлап, ҡул менән ҡала яғына иҙәйем. - Бер үҙең генә килдеңме ни? Эйе, тигәнде белдереп баш һелкәм. Сабир ағай миңә текләп торғандан һуң: - Өйҙән ҡастыңмы әллә? – тип һорап ҡуйҙы. “Ҡасманым, йәйгелеккә генә киттем”, - тип әйтергә теләйем дә бит, уны нисек, ҡасан әйтеп бөтмәк кәрәк, шуға эйе тип баш ҡына һелкәм. Минең яуаптан һуң ағайым ниҙер әйтеү түгел, хатта уйлай ҙа алмай ине шикелле. Әсәйемдәргә әйтеп ҡуйһа, тигән уй башыма ингәс, ҡотом осто. “Ю... ю... ю...” тип, хәлдән килгәнсә туғандарыма хәбәр итмәҫкә ялбара башланым, уның беләгенә йәбештем. Ағай барыһын да аңланы. Миңә йәлләп ҡараны, башымдан һыпырып ҡуйҙы. Ғәҙәттә мине йәлләгәндәрен яратмайым, ә был юлы күҙемә йәш төйөлдө. Күршем ауыр хәлдә ҡалды. Минең үрһәләнгәнде ҡарап ултырғандан һуң, бер ҡарарға килеп, урынынан торҙо. - Хәҙер былай итәбеҙ. Тор, ишегеңде биклә, бөгөн беҙҙә йоҡларһың. Сания апайың аш бешерҙе, хәҙер ашап алырбыҙ. Ҡарышып торманым, һүҙһеҙ генә артынан эйәрҙем. Сания апай менән нимәлер һөйләштеләр ҙә, Сабир ағай ашығып ҡайҙалыр йыйына башланы. “Ул мине алданы, әсәйемә хәбәр итергә уйлай!” тигән уй йүгерҙе башыма. Һикереп торҙом да беләгенә йәбештем, баяғы кеүек ҡылана башланым. Был юлы ағайым асыуланды, ҡулын һыпыра тартып алды. - Әсәйеңә әйтмәйем тинем бит, әйтмәйем! Адресығыҙҙы ла белмәйем мин һеҙҙең. Бүтән эштәрем дә етерлек. Ашап ал да, йоҡла. Иртән күҙ күрер. Рәхмәтемде белдереп баш ҡаҡтым. Тыныс сағымда һин дә мин һөйләшеп ултыра алам мин, әммә әҙ генә тулҡынландыммы, берәй нәмәгә көйҙөммө, һүҙ түгел, өн дә сығара алмайым. Шуның һайын үҙемде иҫәр кеше кеүек тотам. Сабир ағайҙың ысынлап та беҙгә барғанын, ҡайғырып илап бөткән, атайымды саҡ уҡыуынан ҡайтартмаған, полицияға хәбәр итергә йыйынған әсәйемде көскә тынысландырғанын, мине баҡсала йәшәргә ҡалдырырға күндергәнен, үҙҙәренең дә килеп йөрөмәүҙәрен үтенгәнен аҙаҡ ҡына белдем... Төндә, нисектер, үлек кеүек йоҡлағанмын. Иртән уянып киткәндә ҡояш ҡыҙҙыра ине инде. Өйҙә тып-тыныс. Һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тиҙ генә кейендем дә тышҡа ашыҡтым. Һөйләшмәгәс, нимә тип кеше эргәһенә барып тораһың инде, тура үҙебеҙгә ҡайттым. Келәттән тырманы алдым да эшкә тотондом. Әҙ генә ҡыбырлап та өлгөрмәнем, Сания апайым йүгереп килеп етте. Ашарға саҡырҙы. Баш сайҡаным да, кисә йоҡлар алдынан күп ашаным, әле һеңеп өлгөрмәне, тигәнде белдереп, эсемде кәпәйттем. Сания апай йылмайҙы ла: - Асыҡһаң, оялып торма, инеп ашап сыҡ. Һинең өлөшөң өҫтәлдә ултыра, - тине. Әммә миндә ашау ҡайғыһы юҡ. Миңә физик эш танһыҡ, эшләнем дә эшләнем. Тиҙҙән баҡсаға төҫ инеп китте. Ағастарҙың ҡороған ботаҡтарын үҙем ҡырҡһам, ҡотороп үҫкән сейә, ҡурай еләге үҫентеләре менән көрәшергә Сабир ағай ярҙам итте. Балта-көрәген алып килеп, төбө-тамыры менән тунап бирҙе. Уңайһыҙ булһа ла, төшкөһөн дә, кискеһен дә уларҙа ашаным. Тыштағы эш менән булашып йөрөп, өй эсен тәртипкә килтерергә ваҡытым ҡалмағайны. Иҫ киткес күп эш башҡарып өлгөргәнгә, кисен үҙемде бер баһадир итеп тойҙом. Сания апай үҙҙәре кеүек төнгә саҡлы эшләргә рөхсәт итмәне, иртәгә тора ла алмаҫһың, бар, йөрөп кил, тип баҡсанан ҡыуып сығарҙы. Бөтә бала-саға тышта. Шашлыҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Атайым өйҙә булһа, беҙ ҙә ҡурған булыр инек. Их, Илшат та ҡайһылай ҡыуаныр ине! Әле ултыралыр йәнһүрәткә тексәйеп. Йә, әйҙә уйнайыҡ, тип әсәйҙе ҡаңғырталыр. Бөгөн 9 Май икәне иҫкә төштө. Шуға ла бар халыҡ баҡсала ял итәлер. Аяҡтарым күл буйына алып килде. Һыуы таҙа, йылы, йомшаҡ уның. Тиҙҙән һыу инергә лә мөмкин буласаҡ, көндәр генә матур торһон. Күҙемә сыр-сыу килгән малай-шалай салынды. Нимә эшләйҙәр унда? Яндарына ашыҡтым. Бесәй балаһын һыуҙа ҡойондоралар бит! Үҙемсә: “Ебәрегеҙ бесәйҙе!” - тип ҡысҡырып ебәрҙем. Әммә һүҙҙәр урынына аңлайышһыҙ өндәр теҙмәһе теҙелде. Малайҙарҙың берәүһе әйләнеп: “Эй, һаҡау, юлыңда бул!” тип ҡысҡырҙы ла бахырҡайҙы ыҙалатыуҙарын дауам иттеләр. Хатта бынау ҡата башындай малай-шалайҙың һанламай маташыуы йәнемде көйҙөрҙө. Шәп-шәп атлып килеп, мәхлүкте ҡулдарынан тартып алдым. Шул арала бер-икеһенең башына сәпелдәтеп тә өлгөрҙөм. Ҡолаҡтарын да борорға уйлағайным, “һаҡау, һаҡау!” тип үсекләшә-үсекләшә тирә-яҡҡа һибелделәр. Миндә малайҙар ҡайғыһы китте, бахырҡайҙы алып ҡайтып, кибендереп, ашата һалырға кәрәк. Ҡурҡышынан дер-дер ҡалтыраған, ыҫылдығы сығып ысҡынырға тырышҡан бесәйҙе күкрәгемә ҡыҫтым да өйгә ҡарай йүгерҙем. Сания апайҙарға индермәнем, әлбиттә, кеше әллә ярата хайуандарҙы, әллә юҡ. Үҙемдә ҡумта табып, сепрәк-сапраҡ түшәп, бесәйҙе шунда ятҡырҙым да рюкзагымдан өйҙән үк һалып алған ит киҫәген алдына сығарып һалдым. Сания апайҙарҙан стакан төбөнә һөт һалып алып килдем. “Бына икәү булдыҡ, дуҫҡай. Һине лә рәнйетәләр, мине лә, бер кемгә кәрәгебеҙ юҡ...” Май айы булғанға Майсик тип атаным бесәйемде. Сабир ағай сәй алдынан ҡасандыр табип ашарға ҡушҡан дарыуҙарҙы өҫтәлгә сығарып һалды. Минең ҡарашты һиҙептер инде: - Ҡурҡма, уларҙы үҙем алдым. Мин бит табип, ниндәй дарыуҙар кәрәклеген яҡшы беләм, - тине. Дәү кәүҙәле, аҡ сәсле, аҡыллы ҡарашлы Сабир ағайҙың ысынлап та бик шәп табип икәнен, һәләтте уға Хоҙай үҙе биргәнен әсәйемдәрҙең һоҡланып һөйләүенән беләм. Ул кешеләрҙе дауалағанда үҙе генә белгән ысулдарҙы ла ҡушып ебәрә икән. Үҫкәс кемгә оҡшарға теләр инең, тип һораһалар, Сабир ағайға, тип әйтер инем. *** Бына ошолай минең өсөн бөтөнләй икенсе тормош башланды. Иртәнсәк Сабир ағай уята ла үҙе менән йүгерергә алып сығып китә. Яйлап ҡына йүгереп ҡайтҡас, күнегеүҙәр эшләп алабыҙ. Йога тип аңлатты Сабир ағай. Тын алыу күнегеүҙәре. Улар бер аҙ таныш миңә. Санаторийҙа ятҡанда ошоға оҡшаштарҙы эшләтәләр ине. Өйҙә тәүге ваҡытта көн дә үтәп йөрөһәм дә, тотлоғоуымда уларҙың ни ҡыҫылышы, тип ташланым да ҡуйҙым. Әсәйем әрләп тә, юхалап та эшләтә алманы. Атайым менән ҡайһы берҙә ҡабатлай инек , уның буш сағы һирәк шул, эш тип янып йөрөп, тиҙҙән ул да онотто... Әле сит кешегә ҡаршылашып булмай, артынан эйәрергә тура килде. Күнегеүҙәрҙән һуң һыуыҡ һыу менән ҡойондоҡ. Былар аҙаҡ көн дә ҡабатланған ғәҙәти күнекмәләргә әйләнде. Тәүҙә ауырлыҡ менән бирелә ине, аҙаҡ өйрәнеп киттем, оҡшай ҙа башланы. Сабир ағайҙың ваҡыты булмаһа, үҙем йүгереп киләм, күнегеүҙәрҙе лә үҙем эшләйем. Бигерәк тә Сабир ағайҙың тынысландырыусы массажынан һуң икенсе кеше булып торам. Нисек кенә тырышып шөғөлләнһәм дә, һаман өндәр генә сығарырға эшкинәм. Ағайҙың, бирешмә, файҙаһы аҙағыраҡ күренә уның, тигәне генә ниндәйҙер ышаныс өҫтәгән кеүек. Әммә барыбер ышанмайым, бүтән бер ваҡытта ла һөйләшмәйәсәкмен, тигән уй күңелдә ныҡлап төпләнгән. Өйөмдө йыуып, Сабир ағай утты тоташтырып биргәс, бигерәк күркәм булып китте. Ыҡсым ғына бүлмәгә ҡарайым да һоҡланып туя алмайым. Ерҙе лә буш һалып булмай, орлоҡ алырға тип баҡсаға терәлеп тигәндәй ултырған ауылға киттем. Юл буйынса орлоҡ, кишер, сөгөлдөр, укроп, һуған, ҡабаҡ һүҙҙәрен ҡысҡырып ҡабатлап барҙым. Исмаһам шуларҙы әйтергә телем өйрәнә торһон. Магазин ауылдың уртаһында. Көндөҙ булғанғамы, бер кем күренмәй. Бала-саға уҡыуҙа, өлкәндәр эштә, өйҙә булғандары ла йорт, баҡса мәшәҡәттәренә күмелгәндер. Магазин мөйөшөндә өйөлөп ятҡан тәгәрмәстәр өҫтөндә Илшаттан әҙ генә ҙурыраҡ малай уйнай. Әсәһе менән магазинға килгәндер. Эстә теге малайҙың әсәһе тора ла, минең йәштәрҙәге ике малай нимәлер һайлап маташа. Кейемдәренә ҡарағанда, дәрестәр араһында килгәндәрҙер. Ят кеше инеүгә барыһы ла боролоп ҡараны. Баш ҡағып иҫәнләштем дә төпкә үттем. - Нимә алаһың? – тип һораны һатыусы. - К-к-к... – Килгән саҡта һәйбәт кенә ҡабатлап килгән “кишер” һүҙен әйтә алмай тотлоғоп ҡалдым. - Кәнфитме? – барыһы ла ҡыҙыҡһынып миңә баҡҡан. Юҡ тип баш сайҡаным да йәнә өндәр бутҡаһына керештем. - Киш-ш-ш... киш-ш-ш... - Кишерме? – һатыусы апай ярҙамға ашыҡты. Эйе, тип ҡыуанып баш ҡағам. Һатыусы кишер тултыра башлағас, юҡ, тип баш сайҡаным. Малайҙар яҡыныраҡ килеп баҫты. - Кишер орлоғо кәрәкме әллә? – тип һораны береһе. Баш ҡаҡтым. - Шулай тип әйтер кәрәк! – Һатыусы апай һуҡранып алды. - Ниндәй сорт? Нишләп әсәйең үҙе килмәне? Исмаһам, ҡағыҙға яҙып ебәрмәнеме? - Ю-ю-ҡ-ҡ, - тип яуапланым ҡаты итеп. Һайла, тип алдыма әллә нисә төрлө кишер орлоғо һалды ла теге ҡатын менән һөйләшеүгә күсте. Малайҙарға ҡыҙыҡ булып киттеме, миңә орлоҡ һайлаша башланылар. Береһе: “Әсәйем ошо икәүҙе сәсте”, - тигәс, шуларҙа туҡталдым. - Т-тағ-ғ-ғы с-с-сөг-г... – тип әйтә башлағас, һатыусы алдыма сөгөлдөр орлоҡтары теҙҙе. Малайҙар сөгөлдөр, укроп орлоҡтары ла һайлашты, һуғандыҡын да алдым. - Үҙеңәме былар? Әллә берәйһе алырға ҡуштымы? – тип ҡыҙыҡһынды һатыусы менән гәп һатырға ингән ҡатын. - Үҙ-ҙ-ҙемә. Үҙ-ҙ-ҙем ул-ул-лтыр-р-там, - тигәс, барыһы ла аптырап ҡараны. - Маладис! – тип һатыусы маҡтап ҡуйҙы. – Ялыңды файҙалы үткәрәһең!.. Магазиндан эске бер ҡәнәғәтлек менән сыҡтым. Алам тигән бөтә орлоҡтарҙы ла алдым, мыҫҡыл итеп бер кем дә көлмәне. Ҡайтышлай артымдан бәләкәй генә көсөк эйәрҙе. Ҡалдырам тип күпме ҡыуып маташһам да, өйгә тиклем ҡайтты. Өй мөйөшөнә бәйләнем дә ҡуйҙым. Шулай тағы бер дуҫым барлыҡҡа килде. Табылдыҡ тип исем ҡуштым. Ҡайтҡас та түтәл ҡаҙырға тотондом. Өс йыл рәттән көрәк күрмәгәс, ер ҡаты ине, ныҡ ҡына тир сығарырға тура килде. Шулай ҙа ике көндә матур, тигеҙ генә түтәлдәр хасил булды, орлоҡтар сәселде. Сабир ағай ҡаҙышырға уйлағайны, ҡаршы булдым, барыһын да үҙемдең, үҙемсә эшләгем килде. Бик әрһеҙ, көҙгә саҡлы емештәрен дә ашап өлгөрәсәкһең әле, тигәстәре, еләк үҫентеләре төртөп сыҡтым, картуфҡа ла урын етте. Сания апай помидор, кәбеҫтә, ҡыярға ла урын ҡалдыртты, уларын аҙағыраҡ ултырталар икән. Бер буш ятҡан ер ҡалманы. Баҡса ҡарау миңә әйтеп бөткөһөҙ ләззәт бирә. Көн дә сығам да һоҡланып ҡарайым. Сания апай өйрәткәнсә, һәр береһе менән һөйләшәм, теләктәр теләйем. Шуның һайын улар күркәмләнеп үҫкән төҫлө. Үҙемдекенән тыш Сания апайҙың түтәлдәренә лә сүп ҡалҡырға ирек бирмәйем. Уларҙың баҡсаһы ҙур, нимә генә үҫтермәйҙәр! Их, барыһын да әсәйемә күрһәтергә ине! Ҡайһылай ҡыуаныр ине! Бәлки, улы менән ғорурланыр ҙа ине әле. Дауамы бар. ГӨЛНАРА МОСТАФИНА. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Мәсет — кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рух һәм иман үҙәге ул. Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр, тип әйтелгән ти хәҙистә. Солтанайҙар ҙа ауылда мәсет булғанына шөкөр итеп йәшәй. Улар бының өсөн Асҡында йәшәүсе дин әһелдәре Өммөгөлсөм һәм Данис Кәлимуллиндарға рәхмәтле. Бынан бер нисә йыл элек Кәлимуллиндар башланғысы һәм тырышлығы менән мәктәптең иҫке ашханаһының һәм оҫтаханаһының эсе лә, тышы ла ремонтланды, кәрәкле йыһаздар урынлаштырылды. Шулай мәсет барлыҡҡа килеп, хәҙер ул ауылды йәмләп, иман нуры тарата. Бирелә мәсетте яғып, ҡарап, күҙ-ҡолаҡ булыуҙа Венер Әбдрәхимовтың өлөшө ҙур. Ошо көндәрҙә уны имам-хатип итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Ул һәр көн иман йортонда аҙан әйтә, халыҡ мәсеткә бик теләп йөрөй. Өммөгөлсөм апай Кәлимуллина аҙнаһына ике ҡабат Асҡындан килеп ҡатын-ҡыҙҙарға, уҡыусы ҡыҙҙарға, ә Илшат хәҙрәт Әбдрәхимов ир-егеттәргә дин дәрестәре бирә. Солтанайҙар дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй. Мәсет булған ерҙә иман булыр, тигән боронғолар. Солтанай ауылы мәсете лә ауылға иман килтереп, ҡот өҫтәп, халыҡ күңеленә изгелек орлоҡтары сәсә. Илһөйәр Махатова. Рәйсә Сәләхетдинова фотолары. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
15-21 июлдә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һораштырыу һөҙөмтәләренән күренгәнсә, граждандар тарафынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың эшсәнлеген хуплау дәрәжәһе 65,2 процентҡа тиклем артҡан, ә дәүләт башлығына ышаныс рейтингы 73 процентҡа еткән, был май аҙағынан алып максималь күрһәткес булды. Үҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Путинға ышаныс тураһындағы һорауға респонденттарҙың - 73, Дмитрий Медведевҡа - 38,1, ЛДПР лидеры Владимир Жириновскийға - 35,5, КПРФ башлыгы Геннадий Зюгановҡа - 35,2, "Ғәҙел Рәсәй" етәксеһе Сергей Мироновҡа 28,7 процент ыңғай яуап биргән. Шул ук ваҡытта Рәсәй сәйәсәтселәренә ышаныс рейтингында Президент күрһәткесе 31 процент тәшкил иткән. Исемлектә икенсе һәм өсөнсө урынды оборона министры Сергей Шойгу (13,7 процент) һәм Рәсәй тышкы эштәр министры Сергей Лавров (10,3 процент) алып тора. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй йәмәгатселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, июлдә Дәүләт думаһы эшсәнлеген хуплау дәрәжәһе 40 процентҡа (июнь айында – 36-ға) ҡәҙәр артҡан. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда теләгән һәр кем Ҡыш бабайға шылтыратып, шиғыр һөйләй һәм үҙенең хыялын әйтә ала. Ҡышҡы тылсымсы шылтыратыуҙарҙы +7(347)214-92-54 номеры буйынса ҡабул итә, тиелә new-year-party.ru порталында. Ҡыш бабай иҫәнләшә, уға кемдең шылтыратыуын һорай, уның тәртибе менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ шиғыр һөйләргә, хыялын әйтергә тәҡдим итә һәм Яңы йыл менән ҡотлай. Ярҙамсылары күп булғанлыҡтан, Ҡыш бабай 2019 йылдың декабренән алып 2020 йылдың февраленә тиклем 86 ҡалала һәм хатта интернетта шылтыратыуҙар ҡабул итә. Яңы йыл тылсымсыһының номерын ноутбуктағы браузерҙан йыйырға мөмкин. Хаҡы ғәҙәти шылтыратыу хаҡына тиң. Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан балалары Ҡыш бабайға үҙҙәренең хыялдары хаҡында хат яҙып ебәрә ала.Өлкәндәр, ата-әсәләр йәки өләсәй-олатайҙар «йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә» Башҡортостан Республикаһында Роспотребнадзор идаралығының вазифалы кешеләренән консультация алған арала балалар Ҡыш бабайға хат яҙа ала. Кескәйҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен Рихард Зорге урамы, 85-се йорт адресы буйынса көтәләр. Хаттар Бөйөк Устюг ҡалаһына ебәрелә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.