text
stringlengths
433
77.6k
Быйыл төп Яңы йыл тамашаһы - Президент шыршыһы 21 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. Байрамда, ғәҙәттәгесә, республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестивалдәр лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары ҡатнаша. Улар өсөн Өфөлә өс көнлөк ял ойошторола. Президент шыршыһында ҡатнашыусыларға, шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә Яңы йыл бүләктәре тапшырыла. Бынан тыш, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етем, профессиональ белем биреү учреждениеларында белем алған балаларға матди ярҙам күрһәтеләсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Мин үҙем тураһында: «Бәхетлемен!» – тип әйтә алам. Сөнки янымда ҡәҙерлеләрем – атай-әсәйем, береһенән-береһе сибәр, уңған өс һеңлем бар. Улар – минең өсөн иң яҡын, иң изге кешеләрем, тормошомдоң йәме, биҙәге. Ә әлеге яҙмамда мин уртансы һеңлем тураһында һөйләп үтмәксемен. 2009 йылдың көҙөндә донъяға килде ул, үҙенә беҙ Мәүсилә тигән исем һайланыҡ. Бәләкәй генә сағынан тыныс холоҡло, аҡыллы һәм тыңлаусан булып үҫте. Быйыл дүртенсе синыфты тамамланы. Ул гел алдынғылар рәтендә. Төрлө конкурс-ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ә спорт яғына килгәндә, иң яратҡан уйыным – баскетбол, ти һеңлем. Ял булһа, бер генә минутҡа ла буш ултырырға яратмай. Һәр саҡ ваҡытын файҙалы үткәрергә тырыша. Әсәйемдең уң ҡулы, атайымдың ҙур ярҙамсыһы. Һеңлемә 10 йәш кенә булһа ла, ҡунаҡтарға табын әҙерләшеүҙә ҙур оҫталыҡ күрһәтә. Ул бешергән баллы торт һәм шоколадлы печеньены ашаһағыҙ, телегеҙҙе йоторһоғоҙ! Ә шулай ҙа иң күп ваҡыты инде уның йортобоҙҙа көткән ҡуяндар эргәһендә үтә. Интернеттан бик күп мәғлүмәттәр йыя һәм шулар буйынса уларҙы тәрбиәләй. Һөнәрҙәре бик күп һеңлемдең: бик оҫта итеп һүрәт төшөрә, матур әйберҙәр тегергә ярата, гимнастика менән мауыға. Киләсәккә лә ҙур пландар менән йәшәй Мәүсилә һеңлем: ветеринар булмаҡсы. Сөнки ул хайуандарҙы тәрбиәләргә, уларҙы ҡарарға һәм дауаларға ярата. Берәҙәк эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе ныҡ йәлләй, ҙур үҫкәс, улар өсөн приют булдырасаҡмын, ти. «Булыр бала биләүҙән», – ти халыҡ. Беҙ һиңә ышанабыҙ, Мәүсилә! Киләсәк хыялдарың тормошҡа ашып, илебеҙ өсөн кәрәкле кеше булырға яҙһын үҙенә. Заһиҙә МОРАТШИНА. Бөрйән районы, Байназар мәктәбе. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Миҫал өсөн, ун айҙа республиканың медицина учреждениеларындағы хеҙмәткәрҙәр һаны 370 табипҡа, 234 беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүсегә, 22 “ашығыс ярҙам” белгесенә артҡан. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдергән. Кадрҙар дефицитын бөтөрөү өсөн төрлө программалар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Ауыл табибы” федераль проекты сиктәрендә йыл аҙағына тиклем 99 табип – берәр миллион һум, 10 фельдшер 500-әр мең һум аҡса аласаҡ. “Ауыл фельдшеры” республика программаһы буйынса 72 белгескә 500-әр мең һум аҡса түләү күҙаллана. Унан тыш, быға тиклем “Ауыл табибы” программаһына эләкмәгән 158 табип та берәр миллион һумлыҡ матди ярҙам алған. Ошондай уҡ сумма 135 дефицит белгескә түләнгән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү нигеҙендә маҡсатлы йүнәлтмә менән белем алыусы 1033 студент һәм 442 ординатор биш һәм һигеҙ меңәр һум күләмендә түләүҙәр алған. – Хөкүмәт алдына ҡуйылған бурысты үтәне, хәлдән килгәнде һәм килмәгәнде лә эшләне, тип иҫәпләйем. Беҙ табиптарға матди ярҙам күрһәтеүҙең, уларҙы медицина учреждениеларына ылыҡтырыуҙың төрлө юлдарын ҡулландыҡ. Ҡалғанын иһә муниципалитет етәкселәре эшләргә тейеш, – тип һығымта яһаны Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проект сиктәрендәге “АПК продукцияһын экспортлау” төбәк программаһына әбйәлилдәрҙә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, “РЕСА” компаниялар төркөмө”нә ҡараған Әлмөхәмәт элеваторы ауыл хужалығы продукцияһын бик күп илдәргә оҙата. Уҙған йылда элеватор Иранға 12000, Төркиәгә 5000, Каҙағстанға 12000 тонна арпа оҙатҡан. Ҡытайға 1610 һәм Польша, Нидерланды, Прибалтика илдәренә 12640 тонна күләмендә етен һатҡан. Әзербайжанға беҙҙән 7000 тонна бойҙай алған. Ошо йыл башынан Әлмөхәмәт элеваторынан Монголияға 5400 тонна һәм Бельгияга 1700 тонна етен ебәрелгән. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 18 мең тонна етен һәм 15 тонна иген культуралары оҙатыу күҙаллана. Үҙ продукцияһын сит илдәргә һатҡандарға, һатырға планлаштырғандарға ла хөкүмәт льготалы шарттарҙа кредит бирәсәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә 2019–2024 йй. иҫәпләнгән күп милли проекттар тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе – “Демография”. Уның сиктәрендә Башҡортостанда өс төбәк проекты эшләп килә. Тулыраҡ "Ватандаш" сайтында: Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә 2019–2024 йй. иҫәпләнгән күп милли проекттар тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе – “Демография”. Уның сиктәрендә Башҡортостанда өс төбәк проекты эшләп килә. “Башҡортостан Республикаһында балалар тыуған осраҡта ғаиләләргә финанс ярҙамы” тип аталғаны федераль кимәлдә күрһәтелгән ярҙамдан тыш, республика тарафынан ғаиләләрҙе иҡтисади яҡтан ҡурсыу, ярҙам итеү йәһәтенән эшләнәсәк аҙымдарҙы күҙ уңында тота. Проектҡа ярашлы, 2 төрлө аҡсалата ярҙам ҡаралған: 1) ғаиләлә тәүге бала тыуыу (уллыҡҡа алыныу) айҡанлы, ай һайын бирелә торған матди ярҙам. Ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. 2019 йылға финанс ярҙам күләме 9182 һум тәшкил итә. 2) Ғаиләлә 3-сө йәиһә унан ары булып тыуған сабыйға 3 йәш тулғанға ҡәҙәр түләнә торған айлыҡ матди ярҙам. Ул 8993 һум тәшкил итә һәм күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләнә. “Башҡортостан Республикаһында балалар тыуған осраҡта ғаиләләргә финанс ярҙамы” төбәк проектының икенсе йүнәлеше – түлһеҙлектән яфаланған ҡатындарға ЭКО процедураһын бушлай үтеү хоҡуғы. Проект сиктәрендә тағы ла 3 һәм унан күберәк балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе транспорт налогынан арындырыу ҡаралған (еңел автомобилдең көсө – 150, автобустарҙыҡы 125 ат көсөнән артмаҫҡа тейеш). “Демография” милли проектын республикабыҙҙа Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бойомға ашыра.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса Хәлилдә балалар баҡсаһының тәҙрәләре яңыртылды. Ике төркөмлөк бинаға, сафҡа ингәне бирле, 1989 йылдан бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Баҡсаның шау тәҙрәләрҙән тороуы кескәйҙәр өсөн яҡты, күңелле булһа ла, йылылыҡ йәһәтенән һәр саҡ проблема тыуҙырған. Әсе елдәр, бурандар үтә өргән. Шуға күрә йыйындарҙа әүәл-әүәлдән ата-әсәләр ошо һорауҙы күтәрә килгән. Һәм, ниһайәт, «Аныҡ эштәр» проектынан бүленгән 511 мең һум аҡса ярҙамында хәлилдәрҙең күптәнге мәсьәләһе хәл ителде. Иҫке өлгөләрҙе демонтажлауҙы атайҙар үҙ өҫтөнә алһа, пластик тәҙрәләр ҡуйыуҙы «Баймырҙин» КФХ-һы башҡарған. Йәмил Баймырҙин етәкселегендә төҙөүселәр бригадаһы – Илһам Хөснөтдинов, Азат Мостафин, Вадим Ғәлимов ике тиҫтәнән ашыу тәҙрәне яңыртып, эште ике аҙна эсендә тамамлаған. – Йылдың йылы «Берҙәм Рәсәй» партияһының аныҡ ярҙамын тойоп киләбеҙ. «Аныҡ эштәр» проекты буйынса ғына айырып әйткәндә, Хәлилдәге хоккей майҙансығы йәштәрҙең иң яратҡан урынына әйләнде, үҙҙәре үк тәрбиәләп тоталар. Былтыр Әбделмәмбәттә мәктәптең тәҙрәләрен яңыртыуға өлгәштек. Әле килеп Хәлил балалар баҡсаһының иң киҫкен проблемаларының береһен хәл иттек. Пандемия арҡаһында әлегә өйҙә ултырған кескәйҙәр тиҙҙән яҡты ғына түгел, йылы ла баҡсаға йөрөй башларҙар, тип уйлайым. Ата-әсәләр, баҡса хеҙмәткәрҙәре исеменән «Берҙәм Рәсәй» партияһына, район етәкселегенә һәм сифатлы, йылдам эштәре менән ышанысты аҡлаған, беҙҙең менән даими хеҙмәттәшлек иткән Й. Р. Баймырҙинға, төҙөүсе егеттәргә рәхмәт белдерәм, – ти Хәлил ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин. Әйтергә кәрәк, балалар баҡсаһы һуңғы йылдарҙа Хәлил урта мәктәбе ҡанаты аҫтында эшләй. Мәктәп директоры Б. Ә. Ғәлин мәктәпкәсә төркөмдәрҙә башҡарылған ремонттан бик ҡәнәғәт. Хәҙерге ваҡытта баҡса хеҙмәткәрҙәре көсө менән учреждениены ремонттан һуң тәртипкә килтереү, буяу эштәре башҡарылыуын билдәләп үтте. «Тәҙрәләр тулыһынса яңыртылды, инде ҡыйыҡты алмаштырыу мәсьәләһе лә иғтибарға алынһа, бик шат булыр инек. Йылдарҙың ҡоро килеүе генә түбәнән һыу ағыуҙы ҡурсалап килә. Иҫке шифер япма һуңғы ҡойма ямғырға бөтөнләй ҡаршы тора алманы», – тине Бәшир Әҡсән улы. Ошо уҡ төҙөүселәр бригадаһы «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә Яҡтыкүл ауылындағы «Рябинушка» балалар баҡсаһында ла пластик тәҙрәләр ҡуйған. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Бөгөндән Рәсәйҙә инвалидлыҡты билдәләү өсөн медик-социаль экспертиза үткәреү тәртибе үҙгәрҙе. Министрҙар кабинеты сайтында хәбәр ителеүенсә, хәҙер медик-социаль экспертизаға йүнәлтмәне медицина ойошмаһы медик-социаль экспертиза бюроһына инвалид ҡатнашлығынан тыш электрон документ формаһында тапшыра. Бөгөнгәсә граждандар инвалидлыҡты билдәләү өсөн медик-социаль экспертизаға медицина ойошмаларына, шулай уҡ пенсия тәьминәтен тормошҡа ашырған органдарға, халыҡты социаль яҡлау органдарына ебәрелә ине. Хөкүмәт ултырышында премьер-министр Дмитрий Медведев билдәләүенсә, инвалидтар инстанциялар буйлап йөрөмәһен, өҫтәмә ҡағыҙҙар йыймаһын, бөтәһен дә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша эшләргә мөмкин булһын өсөн документтар менән электрон алмашыуға этаплап күсеү башлана. Хәҙер Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша электрон төрҙә медик-социаль экспертиза актының күсермәһен, медик-социаль экспертиза уҙғарыу протоколын алыуға һорау ебәреү, шулай уҡ медик-социаль экспертизаның беренсел һәм баш бюроһы ҡарарҙарына ялыу яҙырға ғариза биреү мөмкинлеге билдәләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә инвалидлыҡты билдәләү тәртибен ябайлаштырырға, шулай уҡ комплекслы реабилитациялау үҙәктәрен үҫтерергә ҡушты. Дәүләт башлығы инвалидтар һәм уларға ярҙам күрһәткән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙан һуң шундай бурыс йөкмәтте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юлдаш" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи , информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ 02-01372.
Иҫке йорт алдына ажғырып ҙур трактор килеп туҡтаны. Ул юғары күтәргән һоҫҡоһон бүрәнәләргә терәй биреберәк ҡуйҙы хатта. Йәнәһе, күр, кемдең ҡулында көс! Үрмәксе ауы үрелеп, уларына саң ҡунып тоноҡланып бөткән тәҙрә-күҙҙәрен саҡ асып ҡарарға хәле етте Иҫке йорттоң. Иҫке йорт йылыһы Иҫке йорт алдына ажғырып ҙур трактор килеп туҡтаны. Ул юғары күтәргән һоҫҡоһон бүрәнәләргә терәй биреберәк ҡуйҙы хатта. Йәнәһе, күр, кемдең ҡулында көс! Үрмәксе ауы үрелеп, уларына саң ҡунып тоноҡланып бөткән тәҙрә-күҙҙәрен саҡ асып ҡарарға хәле етте Иҫке йорттоң. Уны күптән битарафлыҡ баҫҡайны инде. Ауылда эргә-тирәләге йәштәш өйҙәрҙең күбеһе ошо һоҫҡоло тракторҙың тәгәрмәсе аҫтында ҡалып бөттө. Иҫке йорт сабыр ғына үҙ сәғәтен көттө. Мәле етте, күрәһең. Уның ихатаһы ла һары әзмәүерҙең тәгәрмәстәре аҫтында иҙелә башланы. Трактор үҙ эшен белеп башҡарҙы. Ана-ҡойолам, бына тәгәрәйем, тип саҡ эленеп торған мал һарайы, тауыҡ ояһы иҫке таҡта өйөмөнә әйләнде. Шул арала бызылдығы сығып бензопила сирен ҡыуаҡтарын, ҡарт муйылды бысып ырғытты. Артынса трактор килеп, ҡыуаҡлыҡтарҙың төбө-тамырын аҡтарып та ырғытты. Көрһөнөргә хәле етте әле Иҫке йорттоң. Һандуғастар күптән ҡунып һайрамаһа ла, ел иҫкән һайын ҡоштарҙың элек йырлағаны иҫкә төшә ине. Яҙ еткәнен, миҙгелдәр алмашынғанын шул баҡсаға ҡарап белә ине өй, ә бына хәҙер… Эй, хәҙерме инде миҙгелдәр алмашыныуын күҙәтеү. Тиҙҙән, ана, үҙе лә өйөлөп ятҡан иҫке һарай менән тауыҡ кетәге янына барып ауыр. Тракторҙың эшләгәнен күҙәтергә килгән кеше йортҡа оҙаҡ ҡарап торҙо. Яҡын килеп бүрәнәләрҙе тотҡоланы, тоноҡлана төшкән тәҙрәгә ынтылып, өйҙөң эсен ҡарамаҡ булды. Оялды өй, олоғайһа ла, ҡорғандарын ташламағанына ҡыуанды. – Шәп әле был бүрәнәләр, уҫаҡ булһа ла, – Кеше, бүрәнәләрҙе тотҡолап, йәнә өйҙө уратып сыҡты. «Ә кәк же!» – тип ҡысҡырыр ине Иҫке йорт, әгәр хәле булһа, һалдат һымаҡ үрә баҫып һынын тура ҡатырыр ине. Юҡ шул, хәлгенәһе самалы икәнен белә үҙе лә. Ә бар ине бит һуң шәп саҡтары, их! …Ауылда йорт һалырға йыйыналар икән, тигән хәбәрҙе урманға һайыҫҡан килтерҙе. Шул-шул көндө ағас йығырға киләләр, тип теүәлләне турғайҙар. Хәбәрҙе ишеткәс, урман геү итте. Бәләкәйҙән ҡарт ағастарҙан, олоноңдо тура тот, утын түгел, өй булырһың, тигәнде ишетеп үҫкән йәш уҫаҡтар былай ҙа шәмдәй төҙ һындарын тағы ла турайтыбыраҡ тороп баҫты. Имәндәр күкрәктәрен кирә биреберәк алға уҡ сығып теҙелде, йәнәһе, тәүҙә беҙҙе һайлайҙар барыбер. Йорт бураһы булыу урман ағасы өсөн иң ҙур мәртәбә һанала – өй йылыһын һаҡлаусы булаһың бит. Шуға ла йөк-йөк булып тейәлгән төп-төҙ бүрәнәләр араһында иң шәп, иң сәләмәт ағастар ғына. Ах, йәшлектең бер ҡатлылығы! Үҫкән саҡта йорт булырмын тип хыялланғанда, бер үк урманда ҡырҡылған ағастан буралған өйҙәрҙең төрлө булыуы ике ятып бер төшөңә лә инмәй икән. Кешеләргә өй йылыһы бирәм, тип кенә уйлайһың, ә ул йылының буралған бураның шәплегенән дә түгел, хатта утынға тип ҡырҡылып, мейестә янған ағастан да тормауын һуңынан аңлайһың икән. Был йылыны кешеләр үҙҙәре булдыра икән ул. Мөрйәләре төтөн борҡоп торһа ла, өшөп-күшегеп торған тиңдәш күршеләрен күп күрҙе иҫке йорт. Әзмәүерҙең тәгәрмәсе аҫтында иң беренсе улар тапалды. Ә уның өйө йылы булды. Хужаларҙың балалары ҡышын-йәйен ялан-аяҡ тыпыр-тыпыр йүгереште. Уларҙың хатта яратҡан уйыны була торғайны. Алғы өйҙөң түрбашында ултырған ҙур мейескә арҡаларын терәп баҫалар ҙа, иң өлкәне «Марш!» тип ҡысҡырыуға төпкө өйҙөң түрендә ултырған көҙгөгә табан йүгерәләр. Шул ваҡытта иҫке йорт үҙен стадион майҙанылай ҙур, иркен итеп тоя ине. Төп яҡта мәңге ҡулынан йөн йомғағы менән энә төшөрмәй бәйләм бәйләп ултырған әбей, балалары артыҡ геүләшә башлаһа, һис асыуһыҙ ғына: – Себә! Ошоларҙы, – тип тыйған була. Балалар йүгереүҙән туҡтаһа, улар артынан сабып уйнаған ваҡ бәрәстәр кимерсәк мөгөҙҙәре менән эткеләй-төркөләй башлай. Тегеләре иҙәнгә тубыҡланып ултырып, тәкүш-бәрәстәр менән һөҙөшә башлай. Ҡулындағы бәйләмен ситкә һалып ҡуйып, балаларының бәрәстәр менән төкөшкәнен ҡарап, кеткелдәп көлгән әбейгә өй ҙә ҡушыла. Эй-й!.. Булған бит заманалар, уның йылыһы кешеләргә генә түгел, малға ла кәрәк сағы… Хәҙер, ана, ихатаһы ер менән тигеҙләнде, үҙен дә һүтеп ташламаҡ итәләр… Ҡасан тәүге тапҡыр биреште икән? Ил һаҡларға тип оҙатҡан баланың бер төркөм хәрбиҙәр оҙатыуында көплө машинала ҡайтыуынан һуңдыр. Ул бала бит өйҙөң нигеҙен һаҡлар өмөтө ине! Бәрәстәр менән төкөшөп уйнар йәштән яңы ғыны сыҡҡан бала нисек ҡулына ҡорал алһын, ти!.. Оҙатып килгән хәрбиҙәр хушлашыу залпы биргәндә тәҙрә өлгөләре сыңланы, ватылманы. Тәҙрәләре селпәрәмә килмәһә лә, өйҙөң эстән ҡайһылыр таяуы ҡоланы, ә тыштан ул шул уҡ бейек ҡыйыҡлы ғорур һынлы йорт булып ҡалды. Был бейеклек тә сүкте бер мәл. Ауыр сирҙән Хужа түшәккә ятҡас булды ул хәл. Ҡапыл, ҡыйығы ауыр ҡарҙан ишелгәндәй булды. Урманда үҙ ҡулдары менән һылап-һыйпап һайлап, шул ҡулдары менән ҡәҙерләп бура итеп күтәргән, бейек бүрек кеүек итеп ҡыйыҡ кейҙереп ултырҡан, донъяға йылы яҡтылыҡ бөркөп торорлоҡ тәҙрәләр уйған Хужа бит ул. Тыны менән дауаларҙай булды. Һәр иртән Хужаһының ауыр күҙ ҡабаҡтарын асып өрлөктәге сәңгелдәк сөйөнә ҡарауын көттө. Ә бер кисте Хужабикәһенең ҡулдары уның күҙҙәрен йомдорҙо. Балалар ҡайтып йөрөнө. Ейәндәргә лә үҙенең йылыһынан өлөш сығарҙы өй. Әлбиттә, улары бәрәстәр менән һөҙөшмәне, ул ваҡытҡа бәрәстәр йортта ғына түгел, мал һарайында ла уйнамай ине. Бер мөйөштә мәңге бәйләм бәйләп ултырған ҡарт әбей ҙә юҡ күптән. Өйҙөң стадион майҙанылай киң иҙәне лә тарайған кеүек, етмәһә, баҫҡан һайын, һыҙланғандай, шығырлай башланы. Шулай ҙа, урындыҡ аҫтында ултырған инә ҡаҙҙың ҡанат аҫтында бипылдашып морон төрткән бәпкәләрҙе күҙәтергә яратты ейәндәр. Уларға ла бер әүрәтер уйыны булған икән өйҙөң. Хужабикәһе оҙаҡ һаҡланы өй йылыһын, үҙе һымаҡ сүгә төшкән мейесенән йылы икмәген өҙмәне, тәҙрә ҡорғандарын ҡарҙай аҡ итеп тотто. Ул иҫән саҡта тәҙрәләргә ҡояш нуры ҡунып уйнар ине. Иҙәндәге балаҫта ҡояш йылыһына иҙерәп бесәй ятыр, ҡулына бәйләм тотоп мөйөштә ултырырға яратҡан Хужабикә кемгәлер шул тиклем оҡшай башлар, иҫке йорт иҫенә генә төшөрә алмаҫ. Ҡыйыҡҡа түшәлгән тупраҡ йоҡарһа, өйҙөң дә хәтере лә насарая икән ул. Өйҙөң хәтере нимә, бына балаларҙың хәтере насарайһа ҡыйын. Хужабикәнең артынан ҙур ҡапҡа ябылып ҡалғас, йорт эсе бушаны. Ул элеп киткән ҡорғандарҙы тамсы ла һелкетмәй оло юлдан күҙен алмай көтә башланы. Балалар ҡайтып йөрөнө ул, ейәндәр ҙә. Ә бына бүләләрҙе… Улар бит урындыҡ аҫтындағы инә ҡаҙ менән дә танышып өлгөрмәне. …Ауыҙын ҙур итеп асҡан ялмауыҙҙай, юғары күтәргән һоҫҡоһон өйҙөң ҡыйығына терәй яҙып килеп ултырҙы тағы баяғы трактор. Хужаһының әмерен көтөп ер тырнап торған януарҙай, бер-ике үкереп алды ла, туҡтаны. Өй тертләмәне лә, тәҙрәләре лә сыңламаны, бөтөнләй битарафлыҡ ялмап алғайны инде. Һуңғы йылдарҙа был техниканың тауышына ла өйрәнеп бөткәйне. Ауылға һуңғы арала ситтән күсеп килеүселәр артты. Ҡалаға үтә яҡын да түгел, әммә ҙур йылға буйында ултырыуы, етмәһә юл, газ, һыу, интернет кеүек уңайлыҡтар булыуы ауылға яңы кешеләрҙе тартты. Күсеп килә торҙолар, иҫке өйҙәрҙе һүтеп яңы нигеҙ ҡора торҙолар. Иҫке йорттоң күпселек тиңдәштәре һүтелеп бөттө, улар урынына тәккәбер генә кирбес өйҙәр ҡалҡа торҙо. Ерҙең яңы хужаһы телефондан кемгәлер шылтыратып нимәлер белешкәнен, кем менәндер кәңәшләшкәнен тыңламаны ла. Бары өҙөк-йыртыҡ һүҙҙәр генә ишетелеп ҡалды: – Күп балалы… яңғыҙы үҫтерә…этләнә…газ үтмәгән… Иҫке йортто бульдозер менән эттермәнеләр. Яңы хужа әмере буйынса, өйҙө һүттеләр, бер айырым йөккә тейәп, ауыл йәштәре айырым урам булып ултырған Йәштәр тыҡрығына илтеп, бер ихатаға алып барып ауҙарҙылар. Ҡырпаҡ ҡар яуған ергә бушатылған иҫке йорт бүрәнәләренең кинәт танһыҡ таныш еҫтән башы әйләнде. Яландай киң ихатаның ҡап уртаһында бейек ҡыйыҡлы яңы өйҙән килә ине шул тиклем татлы, башты әйләндергес еҫ. Таныны иҫке йорт, таныны! Яңы йорттоң ҡолас етмәҫтәй шартлап торған бүрәнәләр уның тыуған урманынан ине. Иҫке йортто дөбөр-шатыр ишек алдына бушатҡандарын, гөж-гөж итеп бүкәндәргә бысҡандарын, унан шартлатып утын итеп ярып өйөп ҡуйғандарын Яңы йорттоң ҡарҙай ап-аҡ ҡорғандарын күтәреп, өс бәләкәй бала менән яңғыҙ донъя йөгө тартыуҙан йонсоп һурығып ябығып бөткән ҡатын күҙәтте. Кискә Яңы йорттоң мейесенән туп-тура булып төтөн күтәрелде. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала йәмләнеп киткән өйҙө яландай киң күреп йүгереште, шашты. Башына аҡ яулыҡ бәйләгән яңғыҙ ҡатын түрбашта ҡамыр менән булышты, аҡса эшләйем тип Себер сығып киткән ире ғәйеп булғаны бирле тәүге тапҡыр йөҙөнә йылмайыу ҡунды. Мейес алдында, эй, уралды, эй, тулғанды, болғауысы менән ҡуҙҙарҙы төрткөләне. Тәүге тапҡыр утын һанамай яғыуы ине уның. Хужаһыҙ ҡалғаны бирле күшегеп, йылына алмай бер булған Яңы йорт та ирәйеп китте. «Бирешмә, – тине уға мейестә сарт та сорт янған Иҫке өй. – Һинең бурыс өй йылыһын һаҡлау. Шуға тоғро ҡала белһәң, мин һиңә ярҙам итермен» Бәхетле ине иҫке йорт. Йәшлек йүләрлеге менән утынлыҡ ағас булыуҙы хурлыҡ һанай, ә бына бөгөн үҙе ут ялҡындарын дәртле бейетә-бейетә төтөн булып күккә аша. Ағас ҡорто менән тишкеләнеп, ел-дауылға бирешеп ҡолап, бер кемгә лә кәрәге теймәй сереп ятмай бит. Яна, осҡон булып күккә аша. Ана, баҙлап янған ҡуҙҙарын алға тартып хужабикә балаларға майҙа бәлеш ҡыҙҙырып бешереп бирә, улары табанан төшкән береһен эләктереп алырға ғына тора. Мейес башында әсе икмәк ҡабарырға йыйына. Йылыға иҙерәгән аҡ бесәй иҙәнгә үк төшөп һуҙылып ятып алды. Яңы йорт тамам йылынды. Утын сүрәтендә лә өй йылыһы бүләк итә алыуы бәхетле итә ине Иҫке йортто. Автор:Минзаля Аскарова Автор:Алия Даутова Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
БР Хөкүмәте ҡарары менән “Башҡортостан Республикаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, Башҡортостанда балалар өсөн техник түңәрәктәрҙең һаны артасаҡ. БР Хөкүмәте ҡарары менән “Башҡортостан Республикаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, Башҡортостанда балалар өсөн техник түңәрәктәрҙең һаны артасаҡ. Был саралар “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк программаһы сиктәрендә башҡарыла. Өҫтәмә белем биреү өсөн яңы урындар булдырыуға ҡала һәм райондарға субсидиялар биреләсәк. Уҡыусыларҙың техник түңәрәктәргә ҡыҙыҡһыныуының юғары булыуын иҫәпкә алып, аҡсаның яртыһын ғәмәли инженер-техник йүнәлештәрҙе үҫтереүгә һалырға ниәтләйҙәр. Проект ике йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. Балалар өсөн яңы урындар булдырыуға 29,9 миллион һум аҡса бүленәсәк. Уларҙың 29,3 миллион һумы – федераль, 599 меңе республика ҡаҙнаһынан алынасаҡ. 2021 йылда субсидия 75,9 миллион һум тәшкил итәсәк. 1,5 миллион һум – республика, 74,4 миллион һум федераль бюджеттан тотоноласаҡ. Проект уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү өсөн 16 мең яңы урын булдырырға булышлыҡ итәсәк. Быйыл – 4,5 мең, киләһе йыл 11,7 мең урын барлыҡҡа киләсәк. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдәр башлыҡтарына Европала һәм башҡа илдәрҙә уртаса һәм яҡын араға осоусы ракеталар менән ҡоралланыуҙы туҡтатыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. НАТО-ға ҡараған илдәр етәкселәренән тыш Ҡытай, Евросоюзда тышҡы сәйәсәт өсөн яуап биреүсе Федерико Могерини, НАТО-ның генераль сәркәтибе Йенс Столтенберг хаттың йөкмәткеһе менән таныш. Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдәр башлыҡтарына Европала һәм башҡа илдәрҙә уртаса һәм яҡын араға осоусы ракеталар менән ҡоралланыуҙы туҡтатыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. НАТО-ға ҡараған илдәр етәкселәренән тыш Ҡытай, Евросоюзда тышҡы сәйәсәт өсөн яуап биреүсе Федерико Могерини, НАТО-ның генераль сәркәтибе Йенс Столтенберг хаттың йөкмәткеһе менән таныш. Владимир Путин: “Рәсәй уртаса һәм бәләкәй алыҫлыҡҡа осоусы ракеталарҙы урынлаштырмау тураһындағы килешеүҙе теүәл үтәй, АҠШ яғы ҡоралланыуҙан баш тартһа, беҙ килешеүҙе атабан үтәргә әҙер”, – тип билдәләне. 2 августа АҠШ әлеге килешеүҙе үтәүҙән баш тартты һәм Рәсәйҙе ракеталарҙы урынлаштырыуҙа ғәйепләне. Рәсәй бындай ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ, тип иҫәпләй. #ВладимирПутин Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Надежда Григоренко районыбыҙҙың Кесе-Мәнәүез ауылында тыуып-үҫкән. Хәҙерге ваҡытта ул тыуған иленән алыҫта йәшәһә лә, уның йөрәгендә туған яғына, үҙенең оло hәм кесе ватанына мөхәббәт йәшәй, уны яҙыусы үҙ ижадында сағыу һәм йылы итеп күрһәтә. Дина Гаврилова — «В бане с нечистым» юмористик йыйынтыҡ, «Путешествие Пуси Югорской из Сибири в Мууга» тигән аллегорик әкиәт авторы. 2013 йылда «Поленька или Христова невеста» психологик повесы чыҡты. 2014 йылдың декабрендә эстон телендә «Pusia uus Eestis» тигән китабы донъя күрҙе. Башҡортостанда Константин Иванов юбилейына сыуаш яҙыусыларының «Беҙҙең китап» йыйынтығын баҫтырыу әҙерләнә, унда яҙыусының сыуаш телендәге хикәйәләре лә кергән. Уның романдарынан өҙөктәр «Истоки» hәм «Бельские просторы» гәзите биттәрендә баҫтыралар. Башҡортостан Язҙыусылар берлеге ағзаһы, беҙҙең яҡташыбыҙ Р.З. Заманов исемендәге «2015 йылда юмористик хикәйәләр, фельетондар hәм башҡа сатирик жанрҙарҙың иң яҡшы авторы» премияһы лауреаты булып тора. «В бане с нечистым» ҡыҫҡа әкиәттәрен А.С. Савельев сыуаш теленә тәржемә иткән, hәм Чебоксарҙа Сатира театрында ҡуйырға әҙерләнәләр. Дина Гаврилованың әҫәрҙәре уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы hәм мауыҡтырғыс. Еңел, йәнле тел менән ул иң ябай кешеләрҙең ябай тормошо хаҡында яҙа. Дина Гаврилованың иң сығыу, бай йөкмәткеле әҫәрҙәренең береһе тип «Цвета холодных лет» романын атарға мөмкин, унда бер ғаилә тормошонда XX быуаттың 30 — 60 йылдарындағы ил тарихы сағылыш тапҡан: коллективлаштырыу, репрессиялар, һуғыш... Романдың икенсе, рәсми булмаған исеме — «Голод любви». «Мөхәббәт тураһында төрлөсә яҙырға була. Был романда мөхәббәттең етешмәүе, уны эҙләүгә ынтылыш тураһында яҙылған. Мөхәббәт күп булмай», — тип билдәләй Дина Гаврилова. Яҙыусы үҙ илендә хеҙмәттәштәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, яҡташтары менән ижади осрашыуҙар уҙғара. Бер нисә йыл элек беҙҙең китапханала ла булды. Ул иҫ киткес итеп беренсе тәү тапҡыр һүҙ ҡушыуҙан үҙ әңгәмәҙәштәренең йөрәген яулай ала. Уҡыусылар яҙыусының ижадын иғтибар менән күҙәтеп бара һәм яңы китаптарын түҙемһеҙлек менән көтә. Yҙәк китапханала уҙып барыусы йылды ҡыҙыҡлы кешеләр менән оҙатыу күркәм традицияға әүерелде. Быйыл беҙ Дина Гаврилованы ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Яҙыусы яҡташтары менән осрашыуҙа үҙенең «Ты лучше всех» тигән яңы китабын тәҡдим итергә йыйына. - Мин был ваҡиғаға бик шат, — ти ул. — Сөнки мин быға бик оҙаҡ, алты йылға яҡын әҙерләндем. Финалды өс тапҡыр күсереп яҙҙым, ваҡиғалар нисек тамамланыуынан ҡәнәғәт түгел инем. Оҙаҡ төҙәттем, дөрөҫләнем. Һәм бына хәҙер, китап әҙер булғас, еңелейеү тоям, әйтерһең, ғүмер буйы ошо эште башҡарғанмын. 26 декабрҙә 15.00 сәғәттә район үҙәк китапханаһында яҙыусы менән оҙаҡ көтөлгән осрашыу hәм уның яңы әҫәрҙәре менән танышыу була. Яҡташтарыбыҙҙың ижадын яратыусыларҙы саҡырабыҙ. Яңы йыл алдынан был уның барлыҡ уҡыусылары өсөн изгелекле бүyләк булыр, тип уйлайбыҙ. Людмила ЧЕРНОВА, район үҙәк китапханаһы мөдире. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Дүртөйлө тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музее "Музейҙарҙа милли кейемдәр көнө" республика интернет - акцияһында ҡатнашты. Дүртөйлө тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музее "Музейҙарҙа милли кейемдәр көнө" республика интернет - акцияһында ҡатнашты. Фотоларҙа музей фонды костюмдарындағы төшкән акцияла ҡатнашыусылар. Районда сара дистанцион режимда үтте. Уға бөтә мәҙәниәт учреждениелары ла ҡушылды. Байрамда уҡыусылар, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре лә ҡатнашты Читайте нас в Газета "Сарманай" региональная газета г.Дюртюли, Дюртюлинского,Илишевского Кушнаренковского и Чекмагушевского районов Республики Башкортостан Регистр.номер ПИ №ТУ 02-01522 Главный редактор Амирханов Ф.Ф.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы ваҡытлыса тыйыуҙың йомғаҡтарын ыңғай баһаланы һәм бындай тәжрибә дауам ителер тип белдерҙе.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ғинуарҙа магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра һатыу тыйылды. Бынан тыш, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа ла алкоголь һатыу сикләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы ваҡытлыса тыйыуҙың йомғаҡтарын ыңғай баһаланы һәм бындай тәжрибә дауам ителер тип белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 ғинуарҙа магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра һатыу тыйылды. Бынан тыш, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа ла алкоголь һатыу сикләнде. «Беҙ быйыл тәүге тапҡыр хәмер һатыуҙы сикләнек. Дөрөҫ эшләйбеҙме, юҡмы икәнен тормош үҙе хәл итер, ләкин кем бер нәмә лә эшләмәй, шул ғына яңылыша. Беҙгә алкоголь һатыуҙы туҡтатып торорға кәрәк ине тип иҫәпләйем, — тип белдерҙе Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. — Алда беҙҙе яҙ һәм йәй көтә. Йәйгеһен һабантуйҙарҙа хәмер һатыуҙы ҡәтғи тыябыҙ, закон бар. Халыҡ быны һәйбәт ҡабул итте тигән фекерҙәмен». Республика етәксеһе билдәләүенсә, яңы йыл каникулдарында «халыҡты өҫтәл артынан торғоҙоу»ға йүнәлтелгән бик күп саралар ойошторолдо. «Беҙ шулай булһын тип теләгәйнек, барыһы ла килеп сыҡты. Мин дә ошондай сараларҙа ҡатнаштым», – тип өҫтәне ул. Хөкүмәттәге кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 320 мең самаһы кеше ғаилә өсөн яңы йыл уйындарында ҡатнашты. Радий Хәбиров фекеренсә, бөтә ғаилә ағзалары ҡатнашҡан яңы йыл уйындарын үткәреү – дөрөҫ ҡарар. Шуға күрә уларҙы киләсәктә лә уҙғарыу күҙаллана. Башҡортостан башлығы муниципалитеттарға күркәм шыршылар, матур итеп биҙәлгән боҙ ҡаласыҡтары, «халыҡ ҡыуанһын» өсөн байтаҡ эштәр башҡарған өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ яңы йыл каникулдарында тәртип һаҡлауҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. «Башҡортостанда яңы йыл байрамдары һәйбәт үтте тип иҫәпләрбеҙ. Бер ниндәй ҙә етди ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы», — тип йомғаҡ яһаны республика башлығы. Фото: Валерий Шахов Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан китап нәшриәтендә татар телендә «Офоҡ яҡтыһы» тип аталған әҙәби-нәфис баҫма донъя күрҙе. Дүрт автор араһында беҙҙең коллегабыҙ, Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Зәйфә Сәлихованың да исеме бар. Яҙыусының ижадына баш һүҙҙе филология фәндәре кандидаты Дилбәр Булатова (Сөләймәнова) яҙған. Йыйынтыҡҡа Зәйфә Мирғәзиән ҡыҙының егермеләп эссе һәм хикәйәһе ингән. Уның геройҙары – беҙҙең замандаштарыбыҙ, ябай ауыл кешеләре. Автор әҫәрҙәрендә әхлаҡ ҡиммәттәрен, милли йолаларҙы һаҡлау проблемаларын күтәрә, туған татар теле яҙмышы өсөн борсола. Зәйфә моңло, халыҡсан, йәнле тел менән яҙа, шуға ла яҙғандары тәүге юлдарынан уҡ образлылығы, яҡтылығы, уҡыусыһының күңелен йылытырға ынтылыуы менән йәлеп итә. Баҫманы, һис шикһеҙ, китап һөйөүселәр яратып ҡабул итер. Зәйфәне уңышы менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ! Зөлфиә Ғарифуллина Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Өфөлә 30 ғинуарҙан 11 февралгә тиклем театр декадаһы уҙғарыла. Унда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, М.Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡалалары театрҙары ҡатнаша. Баш ҡала тамашасыһы 30 ғинуар сәғәт киске етелә М.Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры сәхнәһендә Сибай концерт-театр берекмәһе «Сулпан» балалар театрының «Батырҙарҙы данлар илем бар» тип аталған постановкаһын ҡарай ала. Ошо уҡ театрҙа 1 февраль көнө Туймазы татар драма театры Мостай Кәримдең повесы буйынса ҡуйылған «Ауыл адвокаттары» спектаклен ҡарарға тәҡдим итә. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 3 февралдә «Нур» Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә Тажи Ғиззәттең «Башмағым» спектакле премьераһын күрһәтә, ә 4 февралдә Милли йәштәр театрында А.Әхмәтовтың «Үгәй ҡыҙ» пьесаһы буйынса балалар өсөн әкиәт ҡуйыла, тамаша 11.00 һәм 13.00 сәғәттәрҙә башлана. Салауат башҡорт драма театры коллективы артистары башҡарыуында М.Буранғоловтың «Иҙеүкәй менән Мораҙым» башҡорт халыҡ эпосы буйынса яҙылған «Иҙеүкәй» пьесаһын өфөләр 6 февралдә «Нур» театрына барып ҡарай ала. 7 февралдә ошонда уҡ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклен ҡарарға тәҡдим итә. Был көндә М.Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры тамашасыларын «Я – кулак. Я А-Н-Н-А» (М.Райцес) спектаклен ҡарарға саҡыра. Театр декадаһы 11 февралдә Стәрлетамаҡ урыҫ театрының «Севильский цирюльник» (П.Бомарше) комедияһын «Нур» театрында сәхнәләштереүе менән тамамлана. Мәғлүмәт «Киске Өфө» гәзитенән алынды. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Медицина учреждениеһын реконструкциялауҙың дөйөм хаҡы алты ҡатлы хирургия корпусы төҙөлөшө менән бергә 6 миллиард һумға баһалана. «Был диагнотикалау үҙәге менән заманса комплекс була. Пациенттар өсөн ике урынлыҡ уңайлы палаталар, заманса медицина ҡорамалдары. Хирургия корпусы төҙөлөп бөткәс, бинаның тәүге өс ҡатын реконструкциялау башлана», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Республика кардиология үҙәгендә уҙған «Һаулыҡ сәғәте» форматындағы күсмә кәңәшмәлә. Шулай уҡ спорт майҙансығы, яңы заманса конференциялар залы, дауахананың кескәй пациенттары өсөн уйын һәм ял зоналары асыла. «Объект бик мөһим һәм технологик яҡтан ҡатмарлы, бөтә эштәр билдәләнгән ваҡытта башҡарылырға тейеш. 2021 йылдың йәйендә уның асылыуын көтәбеҙ», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күсмә Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Район хакимиәтендә коронавирусҡа ҡаршы тороу тураһында сираттағы брифинг үтте ( https://youtu.be/0YbaiBYDV4w.) Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов коронавирус тәңгәлендә хәл көсөргәнешле булып ҡалыуын билдәләне. Һаҡланыу режимын күҙәтеү – мотлаҡ шарт. Оло кешеләргә көнкүрештә булышлыҡ талап ителә икән, ирекмәндәрҙең телефон номерҙары әйтелде: 6-96-01, 626-90, 8 937 846 0321. Ә район штабының “ҡыҙыу линияһы” - 8(34791) 6-10-33, эш көндәрендә эш ваҡытында бәйләнешкә сығырға мөмкин. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латиповтың белдереүенсә, 26 ноябрь ковид-госпиталдә 34 пациент иҫәпләнә, өсәүһендә ПЦР ысулы менән коронавирус раҫланған. Пандемия башланғандан алып 13 968 райондашыбыҙ, шул иҫәптән 1 463 бала Covid-19 вирусына тикшерелгән. Коронавирустың төп билдәләре: температура 38,5 градусҡа күтәрелеү, “ҡоро” йүтәл, күкрәк ауыртыу, еҫ һәм тәм юғалыу. Ошо симптомдар бар икән, кисектермәй табиптарға мөрәжәғәт итергә! Төп профилактика саралары: битлек кейеү, ҡулды дезинфекциялау, аҙыраҡ аралашыу, иммунитетты нығытыу. Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айҙар Мөслимов белдерҙе - битлек режимын күҙәтмәгән өсөн 18 марттан алып 287 административ протокол төҙөгәндәр. Быларҙың барыһына ла штраф һалынмаған, кемгәлер иҫкәртеү яһала. Ә бына бер граждан йә юридик берәмек булдырмаған эшҡыуар икенсе тапҡырға эләгә икән, яза ныҡ ҡатылана. Тәү тапҡыр 20.6.1-се статья менән граждандарға иң күбе 30 мең, эшҡыуарҙарға 50 мең һум штраф һалыныуы ихтимал. Ә икенсе тапҡырға, 6.3-сө статья менән матди яза граждандарға -40 мең, эшҡыуарҙарға – 150 мең һумға етеүе мөмкин. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türkçe isiXhosa Íslenska Čeština Ελληνικά Башҡортса‎ Беларуская Мова Български Македонски Јазик Русский Српски Українська Мова Қазақша עִבְרִית اَلْعَرَبِيَّةُ اُردُو فارسی नेपाली मराठी मानक हिन्दी বাংলা ਪੰਜਾਬੀ ગુજરાતી தமிழ் తెలుగు ಕನ್ನಡ മലയാളം සිංහල ไทย ລາວ မြန်မာ ქართული ენა አማርኛ ភាសាខ្មែរ ᠮᠣᠩᠭᠣᠯ ᠬᠡᠯᠡ ᮘᮞ ᮞᮥᮔ᮪ᮓ 日本語 繁體中文 ꦧꦱꦗꦮ 한국어 Йыш бирелә торған һорауҙар BreedingSexGames нимә ул? BreedingSexGames - был донъяла иң ҙур ҡалаларының береһе менән берләшмәһенең иң яҡшы уйындарының түләүһеҙ порноигра придачу! BreedingSexGames көн һайын меңләгән кеше килә, өйрәнергә беҙгә төрлө сценарийҙар өсөн, бөтә енси һәм енси настроить беҙҙең бушлай квесты персонаждар үҙе башҡарырға тырыша. Мин түләргә тейеш-юҡ, уйнау өсөн BreedingSexGames? Һәр саҡ бушлай булды һәм булып ҡала BreedingSexGames. уйнап уйнаным. Беҙҙең команда тәьмин итеү бурысын үҙ өҫтөнә ала, модель булыу өсөн беҙҙең тотош тематизировать freemium тирә-яҡ атамаларына, әммә был мәжбүри тулыһынса һатылып бөтә. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, һеҙгә кәрәк булған нәмәләр һатып алманы, әммә беҙ һеҙҙең хупларға мөмкин, әгәр теләһәгеҙ. Минең ни өсөн һеҙҙең кредит карталарын мәғлүмәт кәрәк? Беҙ бурыслы кешене төрлө органдарының лицензия буйынса беҙҙә 18 йәштән өлкәнерәктәр генә уйынға бирелеү, уйын менән бөтә донъя буйынса. Кеше бәлиғ булмағандар менән көрәшеү өсөн, тырышырға бирергә BreedingSexGames, бөтә йәштәгеләр өсөн беҙ кредит карталарын ҡулланып уникаль уйынсы аутентификация системаһын тикшереү. BreedingSexGames уйынсыһына реаль эсендә булғанығыҙ бармы? Бәлки, многопользовательский BreedingSexGames һеҙҙең кеүек уйнаны, сөнки был форматтарҙың һәм яңғыҙ! Беҙҙең тәжрибә ҙур өлөшө тейешле иғтибар однопользовательский булмай, әммә беҙ был бигүк алыҫ киләһе турын да яҡшыртыу өсөн яңы инструменттар һәм функциялары өйөмдәрҙе сығарырға планлаштырыла многопользовательский раят – күҙәтеп яңыртыу! Бәлки, мин уйнаны һәм mac ios айланмалар? Д. Шулай уҡ План һәм ios ярҙамында, шулай уҡ мөмкинлегенә эйә кулланыусылар өсөн android мобиль яйланма BreedingSexGames өсөн уйнай. Әлегә һеҙгә инергә булдыҡ Chrome, Firefox Safari йәки, теләсә ниндәй төҙөлөшө менән тәьмин BreedingSexGames һеҙҙең ярҙам менән проблемалары булған, улары һеҙҙең ихтыярҙа. Был фантастик әйбер – был ысынлап та шулай! Ә пользовательский әйтерһең секс-мод? Бөтә төр ярҙамы ҙур булды беҙгә төрлө модификациялы, шулай уҡ етәкселек һәм инструменттар йыйылмаһы, шулай әйбәтерәк движок менән төрлө әйберҙәр эшләй башлай һәм беҙҙе ҡарай алмай хатта. PMM моддинг берләшмәләре яратам, һәм улар беҙҙең өсөн форум да бар. Мин кәрәк икән, интернетҡа тоташыу өсөн уйнай? Әгәр телисез икән, ҡуллана беҙҙең фараздар ғына браузерный, һеҙ әүҙем интернетҡа тоташыу кәрәк, бөтәбеҙ өсөн загрузить файл,әммә ул саҡта һеҙ автономлы режимға күсә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә үҙ клиенттары өсөн һеҙҙең компьютерҙа windows өсөн ысын тәжрибә һәм mac автономиялы автономиялы шулай булды. Бәлки, мин был ҡоролманы бер нисә уйын уйнай? Шул уҡ үрҙә телгә алырға, теләһә ниндәй уйындар BreedingSexGames мөмкинлектәре әлеге ваҡытта кулланыусылар тоташтырылған, уның әгәр Firefox булып, Chrome Safari йәки теләсә ниндәй төҙөлөшө. Был ышаныслы һәм хәүефһеҙ? Д. BreedingSexGames ашырыу буйынса протокол HTTPS кереште. Шулай уҡ һеҙҙең электрон почта адресы беҙ генә һаҡлана, һәм ҡулланыусы исеме пароль хеш был яҙмалар – бына барыһы да. Юҡ, кәрәкмәй миңә,-тип ҡуйҙы, уйнау өсөн BreedingSexGames? Юҡ. Firefox браузеры сездә бар әлегә, йәки Safari Chrome, BreedingSexGames һеҙгә уйнай алмайым, үҙең бер нәмә лә ҡоролмаған. Минең урында ни өсөн мин башҡа яуап индереүгә йүнәлтергә һуң? Беҙ күп партнерҙар менән эшләгәндә, уйын өсөн яҡшы тәжрибә һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Был ресурстарҙың ҡайһы берҙәре сит скачать уйын өсөн кәрәк.
“ЮЛДАШ” РАДИОҺЫН ТЫҢЛАУСЫ ДУҪТАРЫБЫҘ КӨН ҺАЙЫН УНЫҢ “ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ, РЕСПУБЛИКА!” ТИП ӨНДӘШЕҮЕНӘН УЯНА ҺӘМ ЯҢЫ КӨНӨНӘ ДӘРТЛӘНЕП, ИЛҺАМЛАНЫП АЯҠ БАҪА. “ШАЯН”, “ТЕКӘ”, “ТАПҠЫР”, “ЙОР ҺҮҘЛЕ” ТИП БЕЛӘЛӘР УНЫ БАШҠОРТОСТАН ЮЛДАШ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫН ҠАРАУСЫ МИЛЛӘТТӘШТӘР. ТӨРЛӨ КОНЦЕРТТАРҒА ЙӨРӨҮСЕЛӘР ИҺӘ УНЫ ШӘП АЛЫП БАРЫУСЫ БУЛАРАҠ ТАНЫЙ. ХАЛЫҠ АРАҺЫНДА УНЫҢ ТУРАҺЫНДА ОШОНДАЙ ИМЕШ-МИМЕШТӘР ҘӘ ЙӨРӨЙ: РЕСПУБЛИКАБЫҘҘЫҢ ИҢ ШӘП ЙӨРӨТМӘНЕ БУЛҒАНЫ ӨСӨН, БАШҠАЛАРҒА ӨЛГӨ ИТЕП, АҘНА ҺАЙЫН ТЕЛЕВИЗОРҘАН УНЫҢ АВТОМОБИЛЬ ЙӨРӨТКӘНЕН КҮРҺӘТӘЛӘР. “ТЕГЕ ӨСӘҮ”ҘЕҢ КЕМЕҺЕ МЕНӘН АРАЛАШҠАНДЫ ҮҘЕГЕҘ ҘӘ АҢЛАҒАНҺЫҒЫҘҘЫР. ЭЙЕ, БӨГӨН БЕҘ ҺЕҘҘЕ ЙӘМИЛ ИШМӨХӘМӘТОВТЫҢ АUТОБИОГРАФИЯҺЫ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТКӘ САҠЫРАБЫҘ. ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАЙЫШТАРЫН ЭЛӘКТЕРЕГЕҘ ҘӘ КИТТЕК! Әсәйем техниканан ситтәрәк тор тигәйне лә... – Ир-егеттең "тимер ат"ҡа булған йылы мөнәсәбәте тураһында бик күп ишетергә тура килә. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең автомобилегеҙҙе яҡын дуҫығыҙ итеп күрәһегеҙҙер? – Мин башҡа ир-егеттәрҙән айырыламдыр ул. Сөнки минең өсөн тәү нәүбәттә автомобиль – ул ғаиләмде, үҙемде эшкә, ялға, ауылға йөрөтөү сараһы ғына. Мин, патриот булараҡ, “Лада Приора”ла йөрөйөм. Һәм мине ул автомобилдең руле артында күргән яҡындар, таныш-белештәр, таныусылар: "Йәмил, һин “ВАЗ”да – шөрөптәр тулы таста йөрөйһөңмө?" – тиҙәр. Мин: "Эйе", – тим һәм бында бер ниндәй ҙә оят күрмәйем. Берәй ваҡыт байып китһәм, ҡиммәтерәгенә лә эйә булырмын. Әммә ул саҡта минең финанс хәлемә ярашлы “Лада Приора” күңелгә иң ятҡан автомобилдәрҙең береһе булды. Башҡа шул хаҡтағы иномаркаларға ҡарағанда, ул йылы менән дә яңыраҡ – 2011 йылғы ине. Шунан һуң, заман теле менән әйткәндә, “йәштәрский” булғанға ВАЗ сығарған автомобилде һайларға тура килде. Мин алғанда ул 150 мең километр үткән ине һәм минең ҡулда ул 200 мең километрға етте. Ғәҙәттә, Рәсәй автомобилдәре 200 мең километр үтмәй тиҙәр – үтәләр! Бәлки миңә шундай әрһеҙ автомобиль эләккәндер. – Автомобилдәр менән танышыуығыҙ ниндәй марканан башланып китте? – Мин бәләкәйҙән руль артындамын. Атайҙың “ГАЗ-51” йөк автомобиле булды. Беҙ уның менән бик күп эштәр атҡарҙыҡ: бесәнен дә, балсығын да, утынын да һәм башҡа әйберҙәрен дә ташыныҡ. Автомобилдәр менән танышыуым шул йөк машинаһынан башланып китте. Аяҡтар педалгә етмәгәнгә тиклем мин атайҙың алдында йөрөй торғайным. Унан һуң аяҡтар педалгә етә башлағас, үҙем руль артына ултырҙым. Әлбиттә, атайҙың рөхсәте менән генә. Һуңғараҡ инде уның “Москвич АЗЛК”-һында, “ВАЗ-2606”-һында күп кенә йөрөлдө. Ә Татарстанға барып, һатып алған тәүге автомобилемә әлегә тиклем хыянат иткәнем юҡ. – Йөрөтмән таныҡлығын алыр өсөн нисә тапҡыр имтихан тапшырҙығыҙ? – Башҡа ир-егеттәр менән сағыштырғанда, мин водитель таныҡлығын бик һуң алдым: 28 йәштәр тирәһендә генә булды был хәл. Минең өсөн әсәй ныҡ борсола торғайны, сөнки мин атайҙың йөк машинаһын беренсе тапҡыр йөрөткәндә ауҙара яҙғайным. Шунлыҡтан әсәйемдең: “Йәмил улым, һин сәнғәт өлкәһенә яҡыныраҡ кеше, шуға техникаға ҡағыла күрмә, унан ситтәрәк тор”, – тигәне бала саҡтан башҡа һеңгәнгәлер, мин ашыҡманым. Ул миңә кәрәкмәй ҙә ине. Театрҙа эшләгәндә мин унан юл аша ғына йәшәнем, йәйәү йөрөнөм. Телеүҙәккә эшкә күскәс, мине иртәнсәк махсус автомобилдәр йөрөттө, ҡайтҡанда автобусҡа ултырып ҡайтырға ғына ҡала ине. Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ кисермәнем. Ә инде кәләш алғас, ике балам тыуғас, автомобилгә ҡытлыҡ һиҙелә башланы һәм уҡырға йөрьәт иттем. Ҡала эсендәге имтиханды ғына ике тапҡыр тапшырҙым, ҡалғандары беренсе тапҡырҙан. Теләгең булһа, уның бер ауырлығы ла юҡ икән. – Йөрөтмән таныҡлығын алғас, берәй ҡасан бөтә республика алдында машина йөрөтөрмөн, тигән уйығыҙ булдымы? Ғөмүмән, камера алдында машина йөрөтөүе нисегерәк ул? – Беҙ, журналистар, театр актерҙары кеүек, бөтә нәмәгә әүерелә, бөтә нәмәне башҡара алырға тейешбеҙ. Шунлыҡтан, "Теге өсәү" телевизион проектын автомобилдә эшләйбеҙ тигәс, мин ҡаршы булманым. Ҡағиҙәләрҙе боҙмай йөрөтөү һәм шул уҡ ваҡытта ҡунаҡ менән аралашыу ҡыйынға тура килә, әлбиттә. Шәхсән үҙем рулгә ултырмаҫ та инем, әммә водитель таныҡлығы миндә генә бар ине. Әлеге ваҡытта Ғәзиз уҡып ҡына йөрөй. Яңы миҙгелдәрҙең береһенә, моғайын, мин пассажир ролендә булырмын. Ҡайһы бер ханымдар “запарай” кимәленән уҙмаған – Башҡортостан йондоҙҙарын Өфө буйлап йөрөтәһегеҙ, ә үҙегеҙҙең балаларығыҙға ваҡытығыҙ ҡаламы? – Был йәһәттән һәр ваҡыт кәләштән шелтә алам. Нилектән? Ысынлап та, эштә бер көн эсендә мин бөтә Өфөнө урап сығам, ә бына балаларға матур ерҙәрҙе, баш ҡалабыҙҙың билдәле урындарын күрһәтергә ваҡыт етмәй. Йыш ҡына мин ҡайтҡанда балалар йоҡлаған, мин эшкә киткәндә уянмаған була... Форсат сыҡҡан һайын бергәләп ял итергә тырышабыҙ. Күберәк Салауат Юлаев майҙанындағы фонтанға, Менделеев урамындағы урман эсендәге зоопаркка барырға яратабыҙ.
Файҙалы эсемлек тәндән тоҙҙо йыуып сығара, ҡеүәтте арттыра, ҡанды таҙарта, иммунитетты яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта. Йөрәкте бик яҡшы нығыта. Үтә күренеп торған шешәгә 12 һарымһаҡ тешен 4-әр өлөшкә бүлеп һалырға. Өс стакан ҡыҙыл вино ҡойорға. Ябырға һәм ҡояшлы (ҡояшлы көндәр буласаҡ әле!) тәҙрә төбөнә ике аҙнаға ҡуйып торорға. Көн һайын 2-3 тапҡыр шешәне һелкетеп торорға. Аҙаҡ һөҙөргә һәм үтә күренмәгән шешәгә ҡойоп ҡуйырға. Ай дауамында көнөнә 3 тапҡыр 1-әр сәй ҡалағы менән эсергә. Файҙалы эсемлек тәндән тоҙҙо йыуып сығара, ҡеүәтте арттыра, ҡанды таҙарта, иммунитетты яҡшырта, ҡан тамырҙарын нығыта. Йөрәкте бик яҡшы нығыта. Артыҡ ауырлыҡты кәметергә ярҙам итә, матдәләр үҙләштерелеүен яҡшырта. Ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарынан яҡшы. Бөтә тәнде зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Һау булайыҡ! Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында һуңғынан алдағы урынды биләй, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк. «Дөйөм алғанда, беҙҙең эш граждандар индергән түләүҙәрҙе, шул иҫәптән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе сикләүгә йүнәлтелгән, — тине ул. — Июлдән Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн тарифтар түбәндәгесә арта: һыу менән тәьмин итеү — 2,98%, һыу бүлеү — 2,18%, йылылыҡ энергияһы — 3,16%, электр энергияһы — 5,05%, газ — 3%». Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Тәнегеҙ матур һәм тигеҙ ҡарайһын өсөн кишер, ҡарбуз, помидор, персик, абрикос ашағыҙ. Уларҙа бета-каротин күп, ә ул үҙ сиратында меланин барлыҡҡа килеү процесын әүҙемләштерә. Иртәнге сәғәттәрҙә ҡыҙынып ҡалырға тырышығыҙ йә булмаһа – сәғәт дүрттән-биштән һуң. Ун бер менән көндөҙгө дүрт араһында ҡояш нурҙары айырыуса әүҙем, улар тирегеҙҙе бешереүе ихтимал. *Беренсе тапҡыр ҡыҙынғанда, ҡояш аҫтында биш минуттан артыҡ булмағыҙ. *Ҡояшҡа сығыр алдынан минераль майҙар нигеҙендә эшләнгән крем һөртмәгеҙ. *Эфир майҙары һәм еҫле май ҡулланмағыҙ. *Тирегеҙгә ҡояштан һаҡлай торган крем һөртөгөҙ. Бындай майҙарҙың ҡайһы береһендә “SPF” тип яҙылған билдә эргәһендә сифат күрһәткесе лә була. Мәҫәлән, “SPF-50” тип яҙылһа, был крем тире сәләмәтлеген ультрафиолет нурҙарҙан 50 тапҡырға нығыраҡ һаҡлай. *Башығыҙға эшләпә йә иһә панама кейегеҙ, күҙлек алырға ла онотмағыҙ. *Пляжда лимонлы һыу эсеү дөрөҫ. *Һыуға яҡыныраҡ булған һайын тиҙерәк ҡартаяһың. Һыуҙан сығып һөртөнмәгән осраҡта ла ҡояш нурҙары тиҙерәк “ашай”. *Ҡояшлы көндә спиртлы эсемлектәр ҡулланырға ярамай. *Ас килеш ҡыҙыныу ҙа тыйыла. *Тәнегеҙ матур һәм тигеҙ ҡарайһын өсөн кишер, ҡарбуз, помидор, персик, абрикос ашағыҙ. Уларҙа бета-каротин күп, ә ул үҙ сиратында меланин барлыҡҡа килеү процесын әүҙемләштерә. Тирегеҙ ҡартай¬маһын тиһәгеҙ, ҡояштың зарарлы нурҙарынан һаҡланыу өсөн туҡланыу рационығыҙҙа сәтләүек, үҫемлек майы ла ҡулланығыҙ. Улар Е витаминына һәм селенға бай. Шпинат, кәбеҫтә, һуған ирекле ра¬дикалдарҙан һаҡлай. *Ниндәй ҙә булһа дарыу йә башҡа дауаланыу сараһын даими ҡулланған булһағыҙ, табип менән кәңәш¬ләшмәйенсә ҡыҙына күрмәгеҙ. Күп синтетик дарыуҙар, айырыуса төрлө үләндәрҙән эшләнгәндәре ҡояш нурҙарының зарарын көсәйтә генә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан уҙған йылда ипотека кредиттары биреү буйынса иң алдынғы биш Рәсәй төбәге исемлегенә инде. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Демография” милли проекттары сиктәрендә ипотека займдарының проценттарына йылына 9-ға тиклем кәметеү халыҡтың банкыларға күпләп ғариза яҙыуына булышлыҡ итте. Ипотека кредиттары биреү буйынса тәүге урында — Мәскәү ҡалаһы, икенселә — Мәскәү өлкәһе, өсөнсөлә — Санкт-Петербург ҡалаһы, дүртенселә — Төмән өлкәһе килә. Бишенсе урынды алған Башҡортостанда былтыр 46,2 мең ипотека кредиты бирелгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Вирус ҡорбандары һаны 269-ға етте. Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторғандар республикала 140 кешегә артҡан, тип хәбәр итә стопкоронавирус.рф сайты. Тәүлек эсендә 184 ауырыу һауыҡҡан. Пандемия башланғандан алып республикала 28 305 кеше сирҙе йоҡторған. Әле 236 пациент дауаханала, 5 285 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. 16 ауырыу ауыр хәлдә, етеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пневмония диагнозы 178 кешелә раҫланған. Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторғандарҙың күпселеге Өфөлә (45 осраҡ), Бәләбәй районында (16), Стәрлетамаҡ ҡалаһында (14) асыҡланған. Йәмәғәт урындарында, транспортта битлек режимын һаҡлау мөһим. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы сир йоҡтороуҙан һаҡлағыҙ. Вакцина яһатыу өсөн төрлө мәғлүмәт ресурстары аша алдан яҙылыу мөмкинлеге бар. Вирус ҡорбандары һаны 269-ға етте. Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторғандар республикала 140 кешегә артҡан, тип хәбәр итә стопкоронавирус.рф сайты. Тәүлек эсендә 184 ауырыу һауыҡҡан. Пандемия башланғандан алып республикала 28 305 кеше сирҙе йоҡторған. Әле 236 пациент дауаханала, 5 285 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. 16 ауырыу ауыр хәлдә, етеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пневмония диагнозы 178 кешелә раҫланған. Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторғандарҙың күпселеге Өфөлә (45 осраҡ), Бәләбәй районында (16), Стәрлетамаҡ ҡалаһында (14) асыҡланған. Йәмәғәт урындарында, транспортта битлек режимын һаҡлау мөһим. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы сир йоҡтороуҙан һаҡлағыҙ. Вакцина яһатыу өсөн төрлө мәғлүмәт ресурстары аша алдан яҙылыу мөмкинлеге бар. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Президент Владимир Путин Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондтын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы һәм был документ ҡул ҡуйылған көндән үк көсөнә инде. Президент Владимир Путин Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондтын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы һәм был документ ҡул ҡуйылған көндән үк көсөнә инде. Уға ярашлы, Рәсәй Мәғариф министрлығына һәм Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡҡа илдәге халыҡтарҙың туған телен һаҡлау һәм өйрәнеү фондын булдырыу бурысы йөкмәтелә. Указда, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре Рәсәй дәүләтенең милли байлығы һәм тарихи-мәҙәни мираҫы булып тора, тип әйтелгән. Президенттың был ҡарары илдең этник, мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Һуңғы ваҡытта федераль кимәлдә был йәһәттән күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, августа Владимир Путин уҡыусыларҙың мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса хоҡуғын яҡлау тураһындағы законға ҡул ҡуйғайны, ул төбәктәрҙә ҙур яҡлау алды. Әлеге фонд киләһе йылдан эшләй башлар тип көтөлә. Уның сығымдарын файҙаланыу киң йәмәғәтселек өсөн асыҡ рәүештә алып барылырға тейеш. Ойошманың попечителлек советына һәм идаралығына төрлө этностарҙың мәнфәғәтен яҡлаған абруйлы кешеләрҙең инеүе лә мөһим, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Фонд федераль бюджеттан аҡса бүлеү, ирекле иғәнәләр, ярҙам һәм башҡа сығаҡтар иҫәбенә тулыландырыласаҡ. Указға ярашлы, ведомство-учреждениеларға өс ай эсендә Фондтың уставын раҫларға ҡушыла. Рәсәй Хөкүмәте алдында уның идаралыҡ итеүсе составын һәм попечителдәр советын, Фондҡа тапшырыласаҡ мөлкәттең исемлеген әҙерләү йөкмәтелгән. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист һәм публицист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Хәсән Назар үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге шиғырҙары менән үк танылыу яулаған шағирҙың ижады бик күп баҫмаларҙа сығып, уҡыусылары күңеленә барып етә тора. Бөгөн китап уҡыусыларҙы әҙиптең 2017 йылда нәшриәттә донъя күргән китабы менән таныштырмаҡсыбыҙ. "Һайланма әҫәрҙәр" тип атала ул. Был йыйынтыҡта авторҙың 1960-2016 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған. Уйы тәрән, рухы юғары шағирҙың әҫәрҙәре милли аһәң, донъяға фәлсәфи ҡараш менән һуғарылған, заман заңына сорналған. "Һайланма әҫәрҙәр" баҫмаһы буйынса нәшриәт магазиндарына, шулай уҡ сайт аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. 15.01.2022 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
Мутлашыусылар ялған номерҙар яһарға өйрәнгән һәм хәҙер шылтыратыу картаның икенсе яғындағы кире бәйләнеш өсөн күрһәтелгән 900 һәм +7 (495) 500-55-50 номерҙарынан яңғырай. Мутлашыусылар ялған номерҙар яһарға өйрәнгән һәм хәҙер шылтыратыу картаның икенсе яғындағы кире бәйләнеш өсөн күрһәтелгән 900 һәм +7 (495) 500-55-50 номерҙарынан яңғырай. Схема түбәндәгесә: һеҙгә 900 номерынан SMS килә, унда әгәр яуап итеп кәрәкле кодты ебәрмәһәгеҙ, картанан автоматик рәүештә аҡса алына тип яҙыла. Һуңынан һеҙгә банк хеҙмәткәре (мутлашыусы) шылтырата һәм артынса уҡ ебәрелгән икенсе SMS-хәбәрҙәге кодты әйтеүегеҙҙе һорай. Ләкин тап ошо код буйынса аҡсағыҙҙы урлайҙар ҙа инде. Шылтыратыу ысынға оҡшаған. Мутлашыусылар һеҙҙең исемегеҙҙе, паспорт мәғлүмәттәрен, һәм хатта иҫәбегеҙҙә күпме аҡса ҡалғанын һәм һуңғы транзакцияны ла белеүе мөмкин. Әгәр банк хеҙмәткәре кодты әйтеүегеҙҙе һораһа, шунда уҡ трубканы һалығыҙ һәм 900 номеры буйынса Һаҡлыҡ банкына шылтыратып, ысынлап та аҡсағыҙға хәүеф янаймы-юҡмы икәнен белешегеҙ. Айгөл ХИСАМОВА. Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
Йылы һүҙ, бергәләп фотоға төшөү, хөрмәт күрһәтеү һикһән йәшлектәргә лә бик килешә. “III быуын халыҡ университеты” йәмәғәт ойошмаһында тыуған көндәрҙе күмәкләп үткәреү йолаһы бар. Белем көнөндә халыҡ университеты үҙенең яңы уҡыу йылын асты. Ойошманың рәйесе Рафиҡ Хәйҙәров әйтеүенсә, быйыл да халыҡ ижады, баҡсасылыҡ, сәскәселек, туризм, мәнфәғәттәр буйынса түәңәктәр тулы ҡеүәтенә эшләйәсәк. Күңелеңә ятҡанын һайлап ал ғына. Рафиҡ Ғилмийәр улы өлкәндәрҙең буш ваҡытын йөкмәткеле үткәреү буйынса яңы саралар эҙләү өҫтөндә. Бәшмәк йыйырға ла, социаль проекттар конкурстарында ҡатнашырға ла, оҙаҡламай Рәсәй Дәүләт Думаһында депутаттар менән осрашыуға әҙерләнергә лә кәрәк. Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА http://bashgazet.ru/obshestvo/31736-hldre-nisek-pensioner.html Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Тап бына ошо һорауыбыҙға яуап биргән “Аҡбуҙат”тың бөгөнгө ҡунағы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина.Әлеге ваҡытта ошо студияның хеҙмәткәре Гөлнара Шафиҡова Борай районының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында оҫталыҡ дәрестәре алып бара. Ғөмүмән, балаларҙың милли кейеме бесеүе, тегелеше менән өлкәндәр милли кейемдәренең үҙенсәлеген һаҡлай, шулай ҙа уларҙың үҙенә күрә айырмаһы ла бар. Кескәй балаларға күҙ теймәһен, төрлө яманлыҡтарҙан һаҡлап торһон өсөн бетеүҙәр, елкә соҡорон ҡаплап торған арҡалыҡ, өйрәк-ҡаҙҙан алынған өлтөкәйҙәр тағылған. Шул уҡ ваҡытта ниндәй ҙә булһа байрам, туй ваҡыттарында йырлап-бейегән балаларға тәңкә баҫҡандар. Ислам дине ҡанундары, милли кейем үҙе яманлыҡтарҙан һаҡлаған. Йәшәгән төбәктәргә ҡарап, төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш, Силәбе яҡтары милли кейемдәре малайҙарҙың, ир-егеттәрҙең елеткеләре, түбәтәйҙәре, билбауҙары тамбурлы, йәиһә геометрик сигеү менән бер-береһенән айырыла. Быуындар бөйләнеше Тарихи фотоһүрәт. Борай районы. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. «Башҡортостандың беренсе һанлы ҡурайы» тип йөрөтөлгән музыкантҡа награданы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында артистың 65 йәшлек юбилейына арналған концерт булды. Унда филармония солистары, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Азат Айытҡоловтың ҡурайсы-коллегалары һәм уҡыусылары ҡатнашты. Юбилярҙы ҡотларға республиканың Йылайыр һәм Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре килгәйне. Азат Айытҡолов – Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Азат Миңлеғәле улының исеме профессиональ музыканттарға ла, моң һөйөүселәргә лә яҡшы таныш. Музыкант 1978 йылдан алып Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-инструменталист булып эшләй. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факультетын етәкләй, ҡурайсыларҙың йәш быуынын оҫталыҡ серҙәренә өйрәтә. Азат Айытҡолов бик күп сит илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа Башҡортостандың милли сәнғәте менән таныштырҙы, ул республикала һәм унан ситтә уҙғарылған ҙур мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Урта мәктәпте тамамлағас, ниндәй һөнәр эйәһе булырға тигән һорау тыуманы. Сөнки балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу хыялы 9 йәшемдә уҡ барлыҡҡа килгәйне. Бала күңеленең белгесе Мәктәпкәсә йәштә - бала шәхес булып формалаша, уның һаулығына нигеҙ һалына, шуға ла бәләкәстең киләсәктәге яҙмышы уның балалар баҡсаһындағы тәрбиәсеһенең белеменә, иғтибарына, түҙемлегенә, баланың эске донъяһын аңлай һәм тоя белеүенә бәйле. Туғыҙ ай буйы йөрәк аҫтында йөрөтөп, мең ғазаптар кисереп яҡты донъяларға тыуҙырған, тыуғандан алып бер көн дә үҙенән айырылмаған бәләкәсен балалар баҡсаһына бирер алдынан әсә кеше уғата хафалана. Сөнки бала менән беренсе айырылышыу - ҙур стресс. Ул минһеҙ ни эшләр, башҡа балалар араһында үҙен нисек тойор, тәрбиәсеһе яҡшы булырмы, тигән ише уйҙар сүкей улар мейеһен. Ҡаланың 31-се “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Розалия ҒӘЙФУЛЛИНА ҡулына балаһын тапшырған ата-әсәләргә был йәһәттән борсолаһы юҡ. Был өлкәлә өс тиҫтә хеҙмәт стажына эйә булған ханымдың яғымлылығы, һөйкөмлөлөгө йөҙөнә яғылған. Хәйер, уның эшенә яуаплы ҡарауын, балаларҙы яратыуын, һәр баланы әсәләрсә хәстәрләүен белгәндәр бәләкәстәрен тап уның төркөмөнә бирергә тырыша. - Сығышым менән Әлшәй районы Раевка ҡасабаһынан. Урта мәктәпте тамамлағас, ниндәй һөнәр эйәһе булырға тигән һорау тыуманы. Сөнки балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу хыялы 9 йәшемдә уҡ барлыҡҡа килгәйне. Зоя апайымдың улы тыуғас, патронаж шәфҡәт туташы өйгә килә торғайны. Ул саҡта мин балалар педиатры булам тип хыялланғайным. Миңә 14 йәш булғанда апайым ҡыҙ алып ҡайтты. Шунан башланды ла инде минең “тәрбиәсе” ролем. Ҡусты-һеңлемде ҡарау, уларҙы ниндәйҙер яңы һөнәргә өйрәтеү шул тиклем оҡшай торғайны. Бер мәл, апайымдар Киев, Мәскәү ҡалаһына эштәре буйынса бер аҙнаға юлланған саҡта балаларын миңә тулы ышаныс менән ҡалдырҙылар. Ҡайтҡас: “Һеңлем! Мин бәпестәремде танымайым. Һин уларҙы был арала әллә күпме һөнәргә, тәртипкә өйрәтеп өлгөргәнһең. Һиңә мотлаҡ тәрбиәсе булырға кәрәк. Өфөлә уҡығанда Белорет педагогия колледжын бик маҡтай торғайнылар һәм унда көслө, иң яҡшы белгестәр әҙерләнеүе тураһында йыш һөйләнеләр”, - тип миңә Белоретҡа уҡырға инергә тәҡдим итте. Үҙе лә педагогик белемгә эйә булғанғалыр, булмышымдың балалар менән эшләүгә тәғәйенләнгәнен һиҙгәндер. Уның һүҙҙәренән һуң оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Таулы-урманлы төбәк кенә тип белгән был ҡаланы картанан ҡарағас, уйға баттым. Бигерәк йыраҡ! Ял, байрамдар һайын ҡайтып йөрөү тәтемәйәсәк, тик каникулға ғына... Нисек кенә булмаһын, яҡшы белем алыу теләге көслөрәк булып сыҡты һәм мин Белорет педагогия колледжының тәрбиәселәр әҙерләү бүлеге студенткаһы булып киттем. Бер ниндәй ҙә туғаным да, таныштарым да булмаған ҡалала тәүге осорҙа тыуған яҡтарҙы, атай-әсәйемде һағынып йыш илай инем. Уҡыуымды ташлап ҡайтып китеү теләге лә булды. Шулай итеп, 1987 йылда ике генә “4”-ле менән уҡыуымды тамамланым. Ул саҡта йәш белгестәргә эшкә йүнәлтмә бирә торғайнылар. Мине ҡаланың 27-се балалар баҡсаһына ебәрҙеләр. Бер аҙҙан Белорет егете Риф Мөхәмәт улына тормошҡа сыҡтым. Ул Магнитогорск металлургия институтына уҡырға инеүе сәбәпле, күрше ҡалаға күсергә мәжбүр булдыҡ. Мин шунда уҡ балалар баҡсаһына һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым, бер аҙҙан мөхәббәт емеше - ҡыҙыбыҙ яҡты донъяға ауаз һалды. Иптәшем ҡулына диплом алғас, оло йәштәге ҡайным менән ҡәйнәмдең үтенестәре буйынса йәнә Белоретҡа ҡайттыҡ. Мине ҡуш ҡуллап 27-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе итеп алдылар. Икенсегә атай-әсәй булып, бәхетле генә ғүмер кисереп ятҡанда тормошобоҙҙоң аҫты-өҫкә әйләнде... Тормош иптәшем Свердловск өлкәһендә аварияла һәләк булды... Дүрт йәшлек улымды, һигеҙ йәшлек ҡыҙымды ҡосоп, утыҙға ла етмәйенсә яңғыҙ ҡалдым. Өҫтөмә ябырылған ҡайғынан баш күтәрер әмәл табырға теләп, баҡса мөдиренә тәрбиәсе эшенән бушатыуын һорап индем. Компьютер курсын үтеүем тураһында белгәс, хәлемде аңлап, ҡаланың 31- се балалар баҡсаһына документтар менән эш итеүсе итеп күсерҙе. Методик кабинетта ике йыл тирәһе эшләгәс, яратҡан һөнәрем үҙенә кире тартты. Бәләкәстәрҙең байрамдар ваҡытында йырлаған йырҙарын, шат тауыштарын ишетеп, уларҙы шул тиклем һағына инем. Тәрбиәсе булып балаларҙы яратмаған кеше эшләй алмай. Эшемде шул тиклем яратам, хатта хаҡлы ялға сыҡҡас балалар баҡсаһына “йөрөмәйенсә” нисек йәшәремде күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Хәҙер инде тәүге тәрбиәләнеүселәремә 33 йәш тирәһе. Элекке сығарылыштарым үҙҙәре атай-әсәй булып бөтһәләр ҙә, мәктәптә, уҡыу йорттарында уҡыһалар ҙа онотмайҙар, йыл да яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, гөлләмәләр бүләк итеп торалар. Минең өсөн эшемдә иң ауыры - ул мәктәп йәшенә еткән балалар менән хушлашыу. Был йылдар эсендә бер ғаиләгә әүерелеп, уларға ылығып бөтәһең. Сығарылыш кисәләрендә һәр ваҡыт күҙ йәштәре аша айырылышабыҙ. Тәрбиәләнеүселәремде изге йөрәкле, ғәҙел, тырыш, түҙемле булып үҫтерергә тырышам. Яҡшы холоҡ - бөтә ғүмергә бүләк, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Тап балалар баҡсаһында баланың характерына нигеҙ һалына. Улар һинең яратыуыңды тоя һәм алдашыуыңды һиҙә белә. Шунлыҡтан һәр көн эшкә йылмайып, яҡшы кәйефтә килергә, улар менән туҡтауһыҙ аралашырға, ярай белергә, бер ҡасан да тауыш күтәрмәҫкә кәрәк. Хеҙмәт юлымда һәр саҡ мине аңлаған, ауыр саҡта ярҙам итергә әҙер торған етәкселәр, коллегалар осраны. 31-се балалар баҡсаһының элекке мөдире Тамара Сергеевна Мухинаға, мөдиребеҙ Наталья Владимировна Поповаға, баҡсабыҙҙың методистары - Оксана Васильевна Домнина менән Валентина Владимировна Березинаға, “Буратино” төркөмөндә минең менән 15 йыл бергә эшләгән кесе тәрбиәсе Рәшиҙә Мөҙәрис ҡыҙы Суфияноваға ҙур рәхмәтлемен! Аллаға шөкөр, эшем менән дә, ғаиләм менән дә бәхетлемен. Ҡыҙым Олеся ҡаланың мәғариф идаралығында - бухгалтер, улым Руслан - шәхси эшҡыуар. Икеһе лә ғаиләле. Ике ейәнсәргә һәм бер ейәнгә өләсәй булыуҙан йыуаныс алып, буш ваҡытымды уларға бүлергә тырышам”, - ти Розалия Ғәли ҡыҙы. Тәрбиәсе - кемдәрҙер өсөн баланы ата-әсәһе эштә саҡта ҡарап тороусы ғына кеүек, ә ысынында ул Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләй, бәләкәстәрҙең аҡылын камиллаштыра, тәртипкә өйрәтә, шәхес итеп формалаштыра. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып, бала күңеленең белгесе булып ҡала. Автор:Расима Салихова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
МЧС по Башкирии, ссылаясь на прогноз синоптиков, информирует, что сегодня и завтра днём по республике местами ожидается сильный снег, переходящий в мокрый, в отдельных районах гололед, отложение мокрого снега на проводах и деревьях. Температура воздуха ночью составит -5, -10 градусов, по северо-востоку -13, -18, днем -1, -6. Днем на дорогах прогнозируется ухудшение видимости в осадках 500-1000 м. Автор: Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин мосолмандарҙың иң бөйөк байрамдарҙың береһен - Ураҙа ғәйетен, мәсеттәргә бармайынса өйҙә ҡаршыларға саҡырҙы. 24 майҙа иртәнге сәғәт 9:00 Башҡортостан Юлдаш Телеканалы байрам намаҙын тура эфирҙа күрһәтәсәк. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин мосолмандарҙың иң бөйөк байрамдарының береһен - Ураҙа ғәйетен, мәсеттәргә бармайынса өйҙә ҡаршыларға саҡырҙы. 24 майҙа иртәнге сәғәт 9:00 Башҡортостан Юлдаш Телеканалы байрам намаҙын тура эфирҙа күрһәтәсәк. Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Тиҙҙән иң матур байрамдарыбыҙҙың береһе – уҡытыусылар көнө! Ошо уңайҙан төркөмөбөҙҙә... (дауамы - сайтта) Тиҙҙән иң күркәм байрамдарыбыҙҙың береһе – уҡытыусылар көнө! “Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла. Уҡыусы булһынмы ул, студентмы, мәктәп тупһаһын атлап сығып киткәнгә инде тиҫтә йылдар үтһенме, һәр кемдең күңел түрендә яратҡан уҡытыусыһына ҡарата матур хәтирәләр йәшәй. Сөнки ул һинең өсөн ябай ғына уҡытыусы түгел. Матур кәңәштәре, хәстәрлеге, ҡыҙыҡлы дәрестәре, ғәҙел баһалары, сикһеҙ һөйөүе менән ул һине белем иленә әйҙәүсе. Беҙҙең конкурсыбыҙ ҙа нәҡ ошондай оло йөрәкле уҡытыусылар тураһында. Дуҫтар! Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ла әсәй кеүек яҡын күргән уҡытыусығыҙ барлығына шигебеҙ юҡ. Яратҡан уҡытыусығыҙға күңел түренән сыҡҡан иң йылы, ихлас теләктәрегеҙҙе еткерегеҙ! Конкурс эштәрегеҙҙе (жанрын сикләмәйбеҙ: мәҡәлә, һүрәтләмә, шиғыр, хикәйә, эссе, һүрәт) [email protected] электрон адресы буйынса ебәрә алаһығыҙ. Иң яҡшы тип һаналған эштәр журнал биттәрендә донъя күрәсәк. Еңеүселәргә “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре биреләсәк. Конкурсҡа йомғаҡ октябрь башында яһаласаҡ. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
– Йөрәк формаһында йәрәбә әҙерләгәйнек. Унда «Йәншишмә»гә яҙылғандарҙың исем-шәрифтәре бар, – тип ҡаршыланы беҙҙе яҡын дуҫыбыҙ, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова. М. СӘЙЕТОВ. Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт мәктәбе. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Кинйәабыҙҙа Яңы 2020 йылды бик күңелле ҡаршы алдыҡ. Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов ярҙамында ауылыбыҙ клубында ғына түгел, ә музей ҡаршыһына ла урамға шыршы ҡуйылды. Яңы йыл кисәһендә халыҡ күпләп йыйылды. Күрше ауылдарҙан да ҡунаҡтар килгәйне. Сараны клуб мөдире Розалия Хәлилова асты, аҙаҡ Фәнис Мансур улы барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Байрам йыр-моңло ҙур концерт менән дауам итте. Төрлө костюмдар кейгән ауылдаштарыбыҙ сараны тағы ла нығыраҡ йәнләндереп ебәрҙе. Шулай уҡ байрамға йәм өҫтәп Фәйрүзә Рахманғолованың ғаиләһе үҙҙәренең таланттарын күрһәтте. Андрей Андреев менән Нияз Кутузов та бик ҡыҙыҡлы сығыштары менән халыҡты шаҡ ҡатырҙы. Яңы йыл кисәһе лоторея билеттарын уйнатыу, дискотека менән тамамланды. Был сараны Розалия Хәлилова, Гүзәлиә Биктимерова, Гөлфиә Рахманғолова үткәрһә, ә төрлө костюмдар кейенеүҙе Флүзә Рахманғолова ойошторҙо. Ауылдаштарым исеменән ауыл советы хакимиәте башлығыбыҙ Фәнис Мансур улына һәм бик матур сара ойоштороусыларҙың һәм унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Ришат ЙОМАҒОЛОВ Кинйәабыҙ ауылы Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Инновацион технологиялар үҫешкән, кеше тормошон һәр төрлө “аҡыллы” машиналар еңелләштергән ғәләмәт заман... Элгәре бары фантастик фильмдарҙа ғына күргән мөғжизәле механизмдар, электрон конструкторҙар, пилотһыҙ осоу аппараттары, компьютер моделләштереүҙәр һәм башҡаһы бөгөн иһә ғәҙәти күренеш һанала. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә был юҫыҡта барған ыңғай йүнәлештәр ҡыуандырмай ҡалмай, әлбиттә. Сөнки һәр өлкәне заманса технологиялар менән тәьмин итеү, тимәк, үҫеш, уңыш юлына аяҡ баҫыу тигән һүҙ ул. Уҙған аҙнала Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы нигеҙендә балалар өсөн асылған технопарк та быға дәлил. Уның төп тәғәйенләнеше булып дуаль белем биреү арҡылы йәш быуынды төрлө өлкәләге инженер-конструктор, тикшеренеү, проектлау эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, киләсәктә һөнәр һайлауға дөрөҫ йүнәлеш биреү, балаларҙың ижади мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу тора. Технопаркты асыу тантанаһы бик йылы мөхиттә үтте. Сарала ҡала-район мәктәптәренән, махсус урта белем биреү учреждениеларынан уҡытыусылар, уҡыусылар, етәкселәр ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Саранцева, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Иван Лавренов үҙ сығыштарында ҡалабыҙҙа шундай мөһим өҫтәмә белем биреү мөмкинлегенең барлыҡҡа килеүенең әһәмиәтен, уның илебеҙҙе кадрҙар менән тәьмин итер уңдырышлы тупраҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Балалар өсөн технопарктың тап беҙҙең районда асылыуы, һис шикһеҙ, оло мәртәбә, уңыш ул. Был, тимәк, бында ғилем тауҙарын аҡтарасаҡ уҡыусылар яҡын киләсәктә Ватаныбыҙҙың данын арттырып, инновацион технологиялар өлкәһендә ғәжәп асыштар яһаясаҡ, бына тигән шәп һөҙөмтәләргә ирешәсәк тигән һүҙ. Өҫтәмә белем менән дөйөм белем биреүҙе берләштереү процесы иһә үҫеп килгән быуынға инженер-техник йүнәлештәге һөнәрҙәр һайлауға этәргес кенә. Һеҙҙең ҡыуанысты уртаҡлашып, һәммәгеҙгә лә ныҡышмалыҡ, ижади ҡомар, уңыштар теләйем”, - тип һүҙен тамамланы муниципаль район хакимиәте башлығы. Сараның икенсе өлөшөндә түңәрәк йүнәлештәре буйынса ойошторолған экскурсия айырыуса мауыҡтырғыс ине. Технопарк етәксеһе Гөлшат Рәшит ҡыҙы Юлсурина, ҡунаҡтарҙы ихлас әйҙүкләп, иң башта робототехника менән танышырға саҡырҙы. Был йүнәлеште алып барған уҡытыусылар: Хәлит Хәмит улы Ишмырҙин - ҡырыу, йышыу, ҡырҡыу һәм лазер станоктары ярҙамында механик машиналарҙы яһау, Ленара Муллабай ҡыҙы Ғәзизова компьютер программаһында моделдәр эшләү, 3D-принтерҙар менән ҡулланыуҙы күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итһә, 8-9 йәшлек башланғыс класс уҡыусылары иһә - Wedo, өлкәнерәктәре Ардуино конструкторҙарынан машина төҙөү серҙәре менән уртаҡлашып, 1 сәғәт эсендә йыйылған күргәҙмә менән таныштырҙы. Тағы шуныһы: тамаша ҡылыусыларға виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты сағылдырған күҙлектәрҙе кейеп, бөтөнләй икенсе донъяға сумыу мөмкинлеге лә тәтене. Әлмира Фуат ҡыҙы Таһирова етәкләгән биотехнология йүнәлеше кабинетына ингәс, гүйә, ниндәйҙер ғилми үҙәктең лабораторияһына юлығаһың. Күҙәнәк төҙөлөшөн яняҡлап ентекле өйрәнеү, цитохимик һәм биохимик ысулдар арҡылы төрлө тәжрибәләр уҙғарыу, Биоквантум лабораторияһының заманса ҡорамалдарында практик эштәр - биология фәненә мөкиббән киткәндәр өсөн ысын мәғәнәһендә оло табыш. Был йүнәлеш буйынса ҙур уңыштарға ирешкән, бихисап еңеүҙәр яулаған X класс уҡыусылары Ләйсән Үтәбаева һәм Элина Ғәлиеваларҙың микроскоп ярҙамында үткәргән тәжрибәүи эштәре ҡунаҡтарҙы һоҡландырмай ҡалманы, әлбиттә. Гимназияның тантаналар залында урынлашҡан график дизайн һәм компьютер моделләштереү буласаҡ дизайнерҙар, рәссамдар, фотографтар һәм башҡалар өсөн ифрат шәп йүнәлеш. Ғөмүмән, 3D-моделләштереү нигеҙҙәрен, фотошоп һәм башҡа ҡатмарлы компьютер программаларын өйрәнеү - заман талабы, тиһәң, һис хата булмаҫ. Ошонда уҡ квадрокоптер ише осоусы аппараттарҙы, робот һәм башҡа ирмәк нәмәләрҙе күрергә яҙҙы. Уйын майҙанында машиналарҙың “сумо” көрәше, эстафета ярыштары, осоу аппараттарының етеҙ генә һауаға күтәрелеүе, һис шикһеҙ, ылыҡтырғыс күренеш. 29-сы балалар баҡсаһынан килгән Игорь менән Арсений атлы кескәй малайҙарҙың үҙҙәре эшләгән роботтарҙы хәрәкәтләндереүҙәре лә ғәжәп итте. Баҡыев Илнур һәм Хызыров Ильяс исемле үҫмерҙәрҙең (һүрәттә) таймер аҫтында Рубик шаҡмағын бер нисә секунд эсендә йыя алыуы иһә бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы. Ҡулдарының иҫ киткес етеҙлеге, логик фекерләү ҡеүәһебыл егеттәрҙә хаттин ашҡан. Технопарктың етәксеһе Гөлшат Рәшит ҡыҙы Юлсурина, бер йыл элек ни бары 65 бала ғына шөғөлләнгән түңәрәктең бөгөн килеп 400-гәсә баланы һыйҙыра алыуына ҡыуанып: “Кескәй генә түңәрәктең технопарк кимәленә етеүе беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Алла бойорһа, киләсәктә, өс йүнәлеш урынына ете йүнәлештә эшләү күҙаллана. Иң мөһиме, балаларҙа ошо йәһәттән ҡыҙыҡһыныу уятһаҡ, инженер-техник һәләттәрен асһаҡ, ғилми донъяға юл ярһаҡ, тимәк, беҙ маҡсатҡа ярашлы эшләйбеҙ”, - тигәйне ихлас йылмайып. Изге ниәтте ғәмәлләштереү, ғилем таратыу, һис шикһеҙ, оло сауап. Шулай булғас, ҡуйылған маҡсаттар ҙа, иртәме-һуңмы, тормошҡа аша, ә хеҙмәт юлында түгелгән тир иһә, мәле еткәс, татлы емештәре менән ҡыуандыра. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Премьер-министр Михаил Мишустин ошо турала күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Социаль пенсия төрлө сәбәптәр арҡаһында хеҙмәт стажын тултыра алмағандарға түләнә. “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы яҙыуынса, социаль пенсия алыусылар Рәсәйҙә 3,2 миллион кеше тәшкил итә. Бынан тыш Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың, блокадала йәшәгәндәрҙең, техноген һәм радиация катастрофаларында зыян күргәндәрҙең пенсияһы ла артырға тейеш. Был индексация өсөн 2,41 миллиард һум талап ителәсәк. БСТ. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Дегәнәк — шифалы үҫемлектәрҙең береһе. Уның үҙенсәлектәрен барлап, халыҡтың дауа аяҡ аҫтында ғына тиеүенә йәнә бер инанаһың. Дегәнәктең тамыры ла, япрағы ла, орлоғо ла ифрат файҙалы. Тамырын май йәки сентябрҙә йыялар. Туҡыманан тегелгән тоҡсайҙа уны биш йыл һаҡларға мөмкин. Япраҡтарын ғәҙәттәгесә киптерәләр һәм бер йыл һаҡларға була. Дегәнәк япраҡтарының һуты ҡанды яҡшы таҙарта. Бигерәк тә фурункулездан, һытҡы сабыртмаларынан ҡотолоуҙа яҡшы сара. Аллергияға ҡаршы үҙенсәлеге булыуы менән айырыуса ҡиммәтле. Шулай уҡ тирене һәйбәтләүгә, инсулин бүленеп сығыуға булышлыҡ итә, һыу һәм тоҙ алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай. Тамырының төнәтмәһен сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында һәр кем эсә ала, сөнки ул һауыҡтырыу үҙенсәлегенә эйә. Япрағы. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Йәшел, матур япраҡтарын йыйып, һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуяһың. Ваҡытығыҙ булмайынса, берәр сәғәт артып китһә лә, ташламағыҙ. Йә ит тартҡыстан, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Күп итеп тултырмайбыҙ. Әҙләп һалып сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс юҡ, ҡул менән һығабыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсергә мөмкин. Кемдер эсеп ҡарар ҙа ташлар. Тәмле ашарға өйрәнгән организм ҡаршы килә башлар, әсене ҡабул итмәҫ. Шулай ҙа файҙаланыуҙы туҡтатмағыҙ. Уның файҙаһын эскән көндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан застой китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Организм көс йыя, сөнки дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Уның составында организмдың иммунитеты өсөн яуап бирә торған С витамины күп. Йәй буйы эсеп, көҙ тәнегеҙҙән, ағзаларығыҙҙан бер сир ҙә тапмаһалар, дегәнәккә барып баш эйергә, рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенеүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға бәйләгәндәр. Дегәнәктең япрағын шулай уҡ сәс ҡойолғанда ла ҡулланырға кәңәш ителә. Баҡсаңда дегәнәк үҫә икән, йолҡоп ташларға ашыҡма, эйелеп өҙөп, файҙалан ғына. Фото: Ирекле сығанаҡтан. Автор: Карима Усманова https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Ba-sa-da-deg-n-k--me-Fay-alan-ina-272734/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Интернет-порталда илдә һәм донъяла коронавирус инфекцияһы менән бәйле хәл тураһында көнүҙәк мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ граждандар өсөн махсус ҡыҙыу бәйләнеш асыла, тип хәбәр итте РИА Новости. Уның номеры — 8 800 2000 112, тине Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хөкүмәт ҡарамағындағы илдә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советының беренсе ултырышында. Әлеге ваҡытта «Росмолодежь» һәм Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы менән берлектә карантинда булғандарға, шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә Бөтә Рәсәй ярҙам акцияһы әҙерләнә, тип өҫтәне Чернышенко. Вице-премьер Татьяна Голикова һүҙҙәренсә, хөкүмәт үҙ теләге буйынса ярҙам итеүсе ойошмалар менән улар мөмкинлектәре сиклеләргә ярҙам итһен өсөн әүҙем эш алып бара. Башинформ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Алина Ғәлина республикабыҙҙа ҡасан бөтә балалар баҡсалары эшләй башлаясағын хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус пандемияһы арҡаһында балалар баҡсалары эштәрен туҡтатып, тик дежур төркөмдәр генә ҡалдырылғайны. – 17 авгусҡа ҡарата балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә эшләй. Ә 1 сентябрҙән бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, штат режимында барлыҡ балалар баҡсалары ла асыласаҡ, – тип аңлатма бирҙе ул. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда 1027 балалар баҡсаһы иҫәпләнә. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Бөгөн ил Президенты Владимир Путин тағы бер тапҡыр Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Мөһим ваҡиғалар алдынан булған был сығышты халыҡ көтөп алды. Владимир Владимирович өмөттәрҙе аҡланы. Коронавирус пандемияһына бәйле халыҡҡа тағы ярҙам саралары тәҡдим ителде. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап үтәбеҙ. * медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн барлыҡ дәртләндереү һәм федераль түләүҙәр июль, август айҙарында ла түләнәсәк. Табиптар, ҡасан ялға китеүенә ҡарамай, уларҙы аласаҡ; * социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн түләүҙәр 15 сентябргә тиклем оҙайтылды. Бында ла ялға киткәндәр ҙә аҡса аласаҡ; * июлдә 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр бала өсөн тағы 10-ар мең һум аласаҡ. Быға тиклем түләүҙе алыуға ғариза биргәндәргә аҡса автоматик рәүештә киләсәк; * ике ата-әсә лә эшен юғалтҡан ғаиләләр һәр балаһына 3-әр мең һум аҡса аласаҡ, шулай уҡ эшһеҙлек буйынса юғары пособие июль һәм август айҙарында ла дауам итәсәк; * йылына 6,5 процент ставка менән ташламалы ипотека төбәктәрҙә 6 миллион һумға һәм Мәскәү менән Петербургта 12 миллион һумға тиклемге фатирҙарға биреләсәк; * 2021 йылдың 1 ғинуарынан йылына биш миллион һумдан күберәк аҡса эшләгәндәр өсөн НДФЛ ставкаһы 13 проценттан 15 процентҡа тиклем күтәреләсәк. Күтәрелгән ставка 5 миллиондан артығыраҡ өлөшөнә генә һалынасаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенә, төбәк властарына, Рәсәй банкына илдең иҡтисади кимәлен 2021 йылда көрсөккә тиклемге кимәлгә еткереү өсөн саралар күрергә ҡушылды. Бынан тыш, бизнес һәм иҡтисадтың зыян күргән тармаҡтарына ярҙам төрҙәре лә ҡаралған. Владимир Путин Рәсәй халҡына пандемияның иң ауыр осорон лайыҡлы үтә алған өсөн рәхмәт әйтте. Ирекмәндәр, губернаторҙар, мэрҙар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт әйтелде. Шулай ҙа Владимир Путин илдә әлегә эпидемия бөтмәүенә баҫым яһаны. Ҡайһы бер төбәктәрҙә хәл әле һаман ауыр. Тик тиҙ арала эш итеү механизмы булдырылды, һәм бер кем дә бәлә менән яңғыҙы ҡалмаясаҡ. Фото: smartmoney.one Автор: Альфия Мингалиева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Vladimir-Putin-ya-i-yar-am-saralari-t-dim-it-335302/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Благовещен районының Бедеево Поляна ауыл мәктәбендәге 5 - 7 класс уҡыусылары хәрби - патриотик айлыҡ һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә арнап уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашты. Уҡытыусылары Вячеслав Николаевич Чикишев етәкселегендә улар тиҙлеккә автомат һүтеп - йыйыуҙа, противогаз кейеп - сисеүҙә көс һынашты. Буласаҡ һалдаттар менән берлектә был йәһәттән күп аңлатыу эштәре алып барған педагог, уҡыусыларҙың тырышлығын маҡтау һүҙҙәре менән баһалап та китте. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Хәбәрҙәр: БМО Генассамблеяһы Халыҡ-ара ҡорал сауҙаһы килешеүенең тексын раҫланы, Рәсәй уны тәнҡитләне. Хәбәрҙәр четверг, 4 апреля 2013 г. БМО Генассамблеяһы Халыҡ-ара ҡорал сауҙаһы килешеүенең тексын раҫланы, Рәсәй уны тәнҡитләне. БМО Генераль Ассамблеяһы күпселек тауыш менән ҡорал менән һатыу итеүҙең дөйөм стандарттарын билдәләүсе Халыҡ-ара ҡорал сауҙаһы килешеүен раҫланы. Ҡул ҡуйыуға конвенция 3 июндә асыҡ буласаҡ. 193 дәүләттең 154-е резолюцияны яҡланы, ҡорал менән сауҙа итеү өлкәһендә халыҡ-ара санкциялар индерелгән Иран, Сүриә һәм Төньяҡ Корея документҡа ҡаршы сыҡты. Рәсәй 23 дәүләт иҫәбендә тауыш бирмәй ҡалды. БМО-лағы Рәсәйҙең даими вәкиле Виталий Чуркин һүҙҙәре буйынса, документта етешһеҙлектәр һәм төрлөсә аңлап булған положениелар бар. Айырым алғанда, Мәскәү килешеүҙә дәүләттеке булмаған вәкәләтһеҙ стркутураларға ҡорал һатыуҙы тыйыу хаҡында һүҙ булмауын тәнҡитләне. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Бала саҡта теште юғалтыу ғәҙәти хәл булыуы берәүгә лә сер түгел: спортта имгәнеү, әүҙем уйындар, кариес һ.б. Башҡортостанда ғына бер йәки унан күберәк даими тешен юғалтҡан мәктәп уҡыусылар һаны яҡынса 20 мең тирәһе! Шул уҡ ваҡытта уның эҙемтәләре етди: аҙыҡты сәйнәү сифаты кәмей, яңаҡ һөйәгендә атрофик процестар барлыҡҡа килә һәм эргәһендәге тештәр күсә. Улар эргәһендә патологик «кеҫә» барлыҡҡа килә, бында аҙыҡ йыйыла, тештәр һелкенә башлай. Дикция боҙола, биттең ассиметрияһы күҙәтелә. Психологик дискомфорт тураһында әйтеп тораһы ла түгел: бала рәхәтләнеп аралаша алмай. Әммә, «Витадент» Халыҡ-ара медицина концерны белгестәре ярҙамында хәҙер өлкәндәргә генә түгел, балаларға ла теште кире ҡуйыу мөмкинлеге бар. «Витадент» Халыҡ-ара медицина концернының генераль директоры, профессор Р.Ә.Хәсәнов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта. - Радмир Әнүәр улы, һүҙебеҙҙе зыян күргән балаға аныҡ ярҙам күрһәтеү миҫалынан башлайыҡ. - Ярай. Бына шундай осраҡтарҙың береһе. Урамда уйнағанда һигеҙ йәшлек Булат яңылыш алғы тешен юғалта. Ул күренеп тора, шуға ла малайҙың әсәһенең бер нисә клиникаға мөрәжәғәт итеп, «теште кире ҡуйырға» тигән үтенесенә баш тарталар. Бер аҙнанан улы менән әсәһе беҙҙең клиникаға килә. Беҙ теште урынына ҡуйҙыҡ. Йыл ярымдан пациент ҡабул итеүгә килде: теш һәйбәт үҫеп киткән, эргәһендә шундай уҡ тигеҙ теш сыҡҡан. Беҙҙең клиникаларҙың реплантациялау буйынса тәжрибәһе ҙур: яңынан ялғанған тештәр 20 һәм унан ашыу йыл хеҙмәт итә. Әммә был осраҡ үҙенсәлекле: миңә тәүге тапҡыр бер аҙна кеҫәлә йөрөткән теште ялғарға тура килде. - Теште ниндәй срокта ялғарға мөмкин? - Ни тиклем иртәрәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Әгәр быны тәүлек эсендә эшләһәң тештең үҫеп китеү һәм уның функционаллеген һаҡлау ихтималлылығы ғәйәт ҙур. Төшкән теште балға һалырға һәм тиҙерәк стоматологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. - Стоматологтар проблеманы хәл итеү өсөн ниндәй ысулдар тәҡдим итә? - Улар йә ошондай осраҡтарҙан баш тарта, йә алынмалы пластиналар тәҡдим итә. Әммә күпселек балалар уларҙы йөрөтмәй: улар уңайһыҙ һәм тотороҡһоҙ, яңаҡ үҫеү сәбәпле, уларҙы йылына ике тапҡыр алмаштырырға кәрәк. Әммә стоматологтар нимәгәлер балалар денталь имплантацияһына ҙур һаҡлыҡ менән ҡарай: йәһәне, яңаҡ тулыһынса формалашҡансы ул ярамай. Әммә имплантация һөйәктең үҫеш зоналарын боҙа тигән төп дәлил нигеҙһеҙ: имплант юғалтҡан теш соҡорона ҡуйыла. Теш коронкаһы, тамырҙан айырмалы рәүештә, үҫмәй. - Ә донъя практикаһы нимә һөйләй? - Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы, балаларға, өлкәндәр өсөн ҡулланылған имплантацияларҙың барлыҡ төрҙәре ҡулай булырға тейеш. Әммә нескәлектәр ҙә бар: балалар импланттары конструктив үҙенсәлектәргә эйә. Беҙ ошондай өлгөләр эшләп, әлегә заказдарҙы Израилдә эшләтәбеҙ. Быйыл үҙебеҙҙә етештереү өсөн Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сертификатын ала алырбыҙ тип ышанам. Балаларға имапланттарҙы бушлай ҡуябыҙ, күҙәтәбеҙ, консультация бирәбеҙ: был әлегә донъяла тәүге тәжрибә. Табип-стоматологтар балалар имплантацияһы темаһына ҡараштарын, ниһайәт, үҙгәртер, проблемаларға күҙҙәрен йоммай, уларҙы тиҙ арала хәл итер тип ышанам. - Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Радмир Әнүәр улы. Рәйсә МУСИНА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
Һарымһаҡ "уҡ"тарын ваҡытында өҙөгөҙ һәм өҙгән "уҡ"тарҙы ташларға ашыҡмағыҙ, уларҙан тәмле лә, файҙалы ла тәмләткестәр әҙерләргә була. Эре һарымһаҡ йыйып алаһың килһә, уның уҡтарын ваҡытында өҙөп алырға көрәк. Әгәр уларҙы ваҡытында өҙмәһәң, һарымһаҡ бөтә көсөн шуларға ебәрә. Һарымһаҡты ҡасан йыйып алырға кәрәклеген белеү өсөн бер нисә уҡты һабаҡта ҡалдырырға мөмкин. Шул орлоҡтар өлгөрөп, асылғас, һарымһаҡты түтәлдән йыйып алырға ла була. Өҙөп йәки киҫеп алған уҡтарҙы ташларға ашыҡмағыҙ. Уларҙан бик тә тәмле тәмләткестәр әҙерләргә мөмкин. Ҡайһы бер хужабикәләр уларҙы киҫкелеп туңдырғысҡа ҡуя, консервалап, маринадлап та ҡуйыусылар бар. Һарымһаҡ уҡтарынан әҙерләнгән пастаны икмәккә яғып ашарға ла була, икенсе аштарға ҡушыу өсөн дә яҡшы. Бындай паста әҙерләү өсөн һарымһаҡ уҡтарын киҫкеләп, блендерҙа ваҡларға, йәки ит үткәргестә сығарырға, шуға тәменсә тоҙ һәм 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушырға кәрәк. Йәшелсә аштарына ҡушыр өсөн файҙалы тәмләткес әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн ваҡланған һарымһаҡ уҡтарына ваҡ итеп туралған укроп һәм 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушырға ғына кәрәк. Улар һалҡын урында яҡшы һаҡлана. https://gazeta-toratay.rbsmi.ru/articles/rubrika-1/arim-a--u-tarin-va-itinda--g-351065/ Торатау сайтынан алынды фото Т.Роза Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдары өлөшө буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан 10-сы урынды биләй, тип хәбәр итә Росстат мәғлүмәттәренә таянып ил төбәктәре рейтингын төҙөгән «Новости» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы. 2018 йылда Башҡортостанда бер ғаиләгә айлыҡ түләүҙең уртаса суммаһы 3430 һум тәшкил итте. Ғаилә сығымдары өлөшөндә ул 7,8 % булды. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 9,6% тиң, был 4385 һум күләмендәге түләүгә тап килә. Илдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң аҙ сумманы Дағстанда һәм Ингушетияла йәшәүселәр тотона – 5% кәмерәк. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң күбен Камчаткала һәм Колымала йәшәүселәр түләй – 14%. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
20 мартта Израилгә АҠШ президенты Барак Обама килде. Израиль лидерҙары менән һөйләшеүҙәр барышында Иран ядро программаһы хаҡында ла һүҙ барҙы. Океан артынан килгән ҡунаҡ Иран ядро хәүефен нейтралләштереүҙә Израилдең үҙ аллы эш итергә хоҡуғы барлығын таныны, шулай ҙа дипломатияға ваҡыт бирергә саҡырҙы. Быға бәйле Мешһедта Науруз байрамы уңайы менән сығыш яһаған Ирандың дини башлығы аятолла Али Хаменеи шулай тип белдерҙе: “Ваҡыт-ваҡыт сионистар режимы беҙгә янай, хәрби һөжүм яһау менән ҡурҡыта. Уйлауымса, улар белә, әгәр белмәһәр, шуны белеп ҡуйыуҙары яҡшы: был хатаны эшләһәләр, Ислам республикаһы Тель-Авив һәм Хайфаны ер йөҙөнән юҡ итәсәк.” Таһран тарафынан бындай белдереүҙәр тәүге тапҡыр ғына яңғырамай, тик күп осраҡта һүҙ Израиль һөжүменә яуап хаҡында бара. Отправить по электронной почтеНаписать об этом в блогеОпубликовать в TwitterОпубликовать в FacebookПоделиться в Pinterest
Матур датала — 2019 йылдың 19 сентябрендә 242 пар өйләнешкән. Баш ҡала ЗАГС-тарында 47 пар яҙылышҡан, Октябрьскийҙа 14 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, Стәрлетамаҡта — 12, Ишембай һәм Туймазы райондарында, Ишембайҙа, Нефтекамала һәм Туймазыла — 8-әр никах. «Былтыр сикһеҙлек символдары көнөндә Башҡортостан Республикаһында 765 ғаилә барлыҡҡа килгән. 2018 йылдың 18 авгусы шәмбегә — никахлашыу өсөн ғәҙәти көнгә тура килгән. 2019 йылдың һигеҙ айында республикала 16 353 никах теркәлгән», — тип белдерҙеләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. Белгестәр һүҙҙәренсә, ҡайһы бер райондарҙың ЗАГС бүлексәләрендә быйыл никахтар һанының артыуы күҙәтелгән. Атап әйткәндә, Дыуан, Йылайыр, Ҡыйғы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Баймаҡ, Ишембай райондарында, Баймаҡ, Ишембай ҡалаларында. Сибайҙа үҫеш 3,4%-тан 52,1%-ҡа тиклем тәшкил иткән. Өфөнөң Дим, Ленин, Орджоникидзе райондарында, Октябрь районының Беренсе һәм Икенсе ЗАГС бүлексәләрендә йышыраҡ өйләнешә башлағандар (4,7%-тан 23,8%-ҡа тиклем). http://www.bashinform.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостанда 90 мең бала яңы төр пособиеға дәғүә итә ала.Рәсәй президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәйҙә бөгөнгө демография темаһы иң төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова ошо турала белдерҙе. «Балалы ғаиләләргә ил президенты тәҡдим иткән яңы саралар - өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн яңы пособие төрө, беренсе балаға әсәлек капиталы тураһында, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтмешләй, беҙ хыяллана ла алмай инек», - тип яҙа ул Фейсбукта. 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиеның был төрөнә Башҡортостанда 90 мең самаһы кеше - кемдәрҙең уртаса йән башына килеме йәшәү минимумынан артмай, шулар хәҙер үк дәғүә итә ала. «Алдан иҫкәртеп ҡуям, саҡ ҡына түҙегеҙ. Беҙ федераль закон, унан дәүләт ҡарары ҡабул ителгәнен көтәбеҙ, шунан һуң ғына үҙ ҡарарыбыҙҙы ҡабул итәсәкбеҙ. Шул мәлдән алып ҡына был пособиеларҙы рәсмиләштерә һәм тәғәйенләй аласаҡбыҙ, - тип вәғәҙә итә Ленара Иванова. Реклама 13 Был яңы федераль саралар беҙ яңыраҡ әҙерләгән комплекслы саралар менән аһәңдәш булырына инанам». Атап әйткәндә, һүҙ репродуктив технологиялар, инфраструктура булдырыу, ғаиләләге дуҫлыҡ, республика бала табыу йорттарында бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм уны сығарғанда беренсе документтар, балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә барғанда медосмотр үткәндә ваҡытты ике аҙнанан бер көнлөккә тиклем ҡыҫҡартыу тураһында саралар һалынған документ ҡабул итеү тураһында бара. Р.САФИНА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты белем усаҡтары өсөн уҡытыусылар әҙерләү кеүек мөһим бурысты теүәл башҡара.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты белем усаҡтары өсөн уҡытыусылар әҙерләү кеүек мөһим бурысты теүәл башҡара. “Мәғариф” милли проектына ярашлы, был юғары уҡыу йортонда ла алға китеш ныҡ күҙәтелә. – “Киләсәк уҡытыусыһы” тигән тема бөгөн айырыуса көнүҙәк, – тип һөйләй Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, социаль фәндәр кандидаты Салауат Сәғитов. – Тормош үҙгәрә, шулай уҡ уҡытыусыға ла өр-яңы талаптар ҡуйылған, уҡыусы ла бүтәнсә фекер йөрөтә. Нәҡ ошо үҙгәрештәргә һәм яңылыҡҡа әҙер булыу – киләсәк уҡытыусыһына кәрәкле сифаттар. Мөғәллим, ғөмүмән, дәрес биреүҙән тыш, шәхсән үҙе лә белемен камиллаштырып торорға тейеш. Ысынлап та, уҡытыусыға мультибелгес булыу зарур. Уға компьютер менән иркен идара итә белеү, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын табырға өйрәнеү шарт, улай ғына ла түгел, ғилми проекттар өҫтөндә лә эшләй белеү бурысы ҡуйыла. Салауат Сәғит улы белдереүенсә, уҡытыусылар академик эштәр, һанлы технологиялар менән дә шөғөлләнергә тейеш. Фото: vuzopedia.ru Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Хөрмәтле яҡташтар!2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Торатау” гәзитенә алдан яҙылыу дауам итә. Почта бүлексәләре аша гәзиткә яҙылыу әлеге көндә 948 һум 36 тин тора. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, I һәм II төркөм инвалидтарына – 866 һум 70 тин. Хөрмәтле яҡташтар! 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Торатау” гәзитенә алдан яҙылыу дауам итә. Почта бүлексәләре аша гәзиткә яҙылыу әлеге көндә 948 һум 36 тин тора. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, I һәм II төркөм инвалидтарына – 866 һум 70 тин. Редакцияға килеп яҙылған ҡала һәм ҡала яны микрорайондарында йәшәүселәр ҙә сағыштырмаса осһоҙораҡҡа гәзитле була ала. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм ветарандар, I һәм II төркөм инвалидтары, пенсионерҙар, студенттар һәм күп балалы ғаиләләр 681 һумға, эшләүсе граждандар 705 һумға яҙыла ала. Ишембайҙан ситтә йәшәүселәр район гәзитен электрон форматта алдырып уҡыу мөмкинлеге бар икәнен онотмаһын ине. Быны rbsmi.ru сайтында эшләүе бик еңел -“Подписка” бүлегендә алфавит буйынса “Торатау”ҙы табаһығыҙ һәм киләһе ярты йылға ни бары 576 һумға яҙылып ҡуяһығыҙ. Беҙҙең адрес: Совет урамы,88, 1-се ҡат, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлеге. Белешмәләр өсөн телефон: 4-11-80. Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Башҡортостанда был датаға арнап “Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы:перспективалар һәм үҫеш юлдары” тигән форум уҙғарыла. Башҡортостанда был датаға арнап “Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы:перспективалар һәм үҫеш юлдары” тигән форум уҙғарыла. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө тураһында тәҡдим 1995 йылда Пекинда уҙған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы конференцияһында индерелә. 2007 йылда байрам халыҡ-ара ойошманың Генераль Ассамблеяһында рәсми раҫлана. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ер шары халҡының дүрттән бер өлөшөнән күберәк тип иҫәпләнә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Ғаилә, тип әйтһәң, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә? Ә миңә яҡындарым, туғандарым булған йылы, матур йортобоҙ. Әле уҡыусы ҡыҙ ғынамын. Шулай булһа ла, ғаиләнең ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле икәнен аңлайым. «Ғаиләһеҙ кеше – тамырһыҙ ағас», – тип әйткәндәр бит боронғолар.Беҙ – атайым, әсәйем, олатайым, өләсәйем, һеңлем, ҡустым менән мин бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, үҙ-ара килешеп йәшәйбеҙ. Һеңлем һәм ҡустым менән яҡын дуҫтарбыҙ. Мәктәптән ҡайтҡас, ҡосаҡлашып, зыҡ булып уйнап алабыҙ. Бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ, кәрәк икән, яҡлашабыҙ. Ғаилә, тип әйтһәң, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә? Ә миңә яҡындарым, туғандарым булған йылы, матур йортобоҙ. Әле уҡыусы ҡыҙ ғынамын. Шулай булһа ла, ғаиләнең ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле икәнен аңлайым. «Ғаиләһеҙ кеше – тамырһыҙ ағас», – тип әйткәндәр бит боронғолар. Беҙ – атайым, әсәйем, олатайым, өләсәйем, һеңлем, ҡустым менән мин бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, үҙ-ара килешеп йәшәйбеҙ. Һеңлем һәм ҡустым менән яҡын дуҫтарбыҙ. Мәктәптән ҡайтҡас, ҡосаҡлашып, зыҡ булып уйнап алабыҙ. Бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ, кәрәк икән, яҡлашабыҙ. Атайым менән ысын йөрәктән ғорурланам. Ул – бик күпте кисергән, һуғыш афәтен күргән кеше. Чечен һуғышы ветераны. Уның тормош девизы: һәр береһе менән уртаҡ тел табып, ярҙам ҡулы һуҙып, туғандарыңа терәк булып йәшәү. Әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уның зирәклегенә, тыйнаҡлығына, тырышлығына, тормошҡа зарланмауына, килеп тыуған һәр ваҡиғаны ҡатмарлаштырмай, тыныс ҡына ҡабул итә белеүенә ғәжәпләнәм дә, һоҡланам да. Олатайым менән өләсәйем хаҡлы ялда. Улар уңған, үҙҙәренә иш булырлыҡ ике ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Беҙҙе яҡшылыҡҡа өндәп, оло терәк булып йәшәйҙәр. Мин тормош аҡылын ғаиләбеҙҙән алам. Ыңғай хис-тойғолар беҙгә, балаларға, күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра. Шуға Ер йөҙөндәге бөтә кешеләр­ҙең дә минеке кеүек ғаиләләре бул­һын, тип теләйем. Бө-ө-өтә балалар ҙа тулы, атайлы, әсәйле татыу ғаиләлә үҫһен. Улар­ҙы көн һайын аталары күккә сөйөп, әсәләре баштарынан һыйпап, арҡаларынан тупылдатып ярат­һын. Донъялар тыныс торһон, күп балаларҙы етем иткән һуғыштар булмаһын! Аделина БУЛАТОВА, IX «Г» синыфы уҡыусыһы. Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Беҙҙең республика инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингта 16-сынан 9-сы урынға тиклем күтәрелде. Был турала кисә Стратегия инициативалары агентлығының Күҙәтеү Советында Президент Владимир Путин белдерҙе. Беҙҙең республика инвестиция климаты торошо буйынса милли рейтингта 16-сынан 9-сы урынға тиклем күтәрелде. Был турала кисә Стратегия инициативалары агентлығының Күҙәтеү Советында Президент Владимир Путин белдерҙе. “Беҙ илдең инвестициялар өсөн иң ҡулай ун төбәк исемлегенә индек. Был нимә бирә һуң? Иң тәү сиратта – эш урындарының һәм халыҡ килеменең артыуын, һалымдарҙың күбәйеүен, социаль йүнәлешле проектарҙың тормошҡа ашырылыуын. 9-сы урын ул – беҙҙең етәксе команданың берҙәм эше. Йыл ярым эсендә беҙ 59 инвестсәғәт үткәрҙек, 462 млрд. һумға торошло 230 проект ҡараныҡ. Шуларҙың яртыһы бөгөн ғәмәлләштерелә лә инде. Район һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарының энергияһын һәм тәжрибәһен эшкә ҡуштыҡ. Беҙҙең маҡсат – артабан алға атлау. Башҡортостан кеүек көслө һәм үҙенсәлекле төбәк өсөн был сик түгел”, - тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең битендә. Автор:Рәсүл Байгилдин Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Яңы 2021 йылды Иҫке һәм Бәләкәй Аҡҡолай ауылдарында йәшәүселәр көтөп алынған ҡунаҡ - «Ростелеком» менән ҡаршы алды. Уҙған йыл тормошобоҙға килеп ингән дистанцион уҡыу интернет һәм технологияларҙың ни тиклем мөһимлеген һәм беҙ уларға ни тиклем бәйле булыуыбыҙҙы күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта киҫкен проблема килеп сыҡты – республикала 1200 ауылдың интернетҡа тоташтырылмағанлығы билдәле булды. Улар араһында Иҫке һәм Бәләкәй Аҡҡолай ауылдары ла бар ине. Ауыл халҡы әйтеүенсә, күп кенә ғаиләләрҙә бер юлы бер нисә мәктәп уҡыусыһы, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары дистанцион уҡыуға күскән. Уларҙы компьютер һәм гаджеттар менән генә түгел, беренсе сиратта, интернет менән дә тәьмин итергә кәрәк ине. Мобиль интернет булған, әлбиттә, әммә ул да бөтә ерҙә лә тотмаған. Күп балалы әсә Рәзилә Сиражетдинова әйтеүенсә, йорттарында бер юлы мәктәптә уҡыусы ҡыҙы һәм дүрт студент улы дистанцион рәүештә уҡыған. Төрлө ҡиммәтле көсәйткес-антенналар ҙа һатып алғандар, әммә ул ғына мәсьәләне тулыһынса хәл итмәгән. Бәхеткә күрә, был ауырлыҡтар артта ҡалған инде. Йыл аҙағында аҡҡолайҙар йортона «Ростелеком» ингән. Компания белгестәре сүс-оптик элемтә линиялары һуҙған һәм хәҙер ауыл халҡы секундына 100 мегабайтҡа тиклем юғары тиҙлектәге интернет-элемтә, интерактив телевидение һәм телефон менән ҡуллана ала. Теләге булғандар видеокүҙәтеү һәм хатта Маруся тип аталған аҡыллы колонка ла урынлаштырған. Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, ауылдарға юғары тиҙлектәге интернет индереү дауам итәсәк. “Киләсәктә беҙ һәр ауылда сифатлы интернетҡа ихтыяжды тулыһынса бөтөрәсәкбеҙ - уларҙың район үҙәгенән ни тиклем йыраҡ булыуы мөһим түгел. Әгәр тормошто уңайлы итәбеҙ икән, бөтә ерҙә эшләргә кәрәк. Ҡала халҡы ғына түгел, ауыл халҡы ла яҡшы йәшәргә тейеш. Бөгөн интернетҡа инә алмаған кеше, асылда, үҫеш мөмкинлектәрендә сикләнгән. Былай булырға тейеш түгел. Ауылдарҙа, бәлки билдәһеҙлектә әллә күпме Ломоносовтар барҙыр. Шуға ла беҙ был проблеманы һис шикһеҙ хәл итәсәкбеҙ”,- тип билдәләне премьер-министр. Фәнүзә СУФИЯНОВА. Фото:yaustal.com Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
Һуңғы биш йылда республикала йыһазландырылған пляждар һанын ике тапҡырға – 68-ҙән 137-гә тиклем арттырҙылар. 2024 йылда иһә Башҡортостанда 200 сертификацияланған пляж асыла. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошондай һандар килтерҙе. 6 июнгә республикала 48 муниципалитетта 91 пляжды асырға әҙерҙәр. Һыу объекттарында ял итергә ниәтләгән халыҡҡа уңайлы булһын өсөн йыһазландырылған пляждарҙың урындары менән интерактив карта эшләй башланылар. Башҡортостан Башлығы ҡала-район хакимиәттәренә һыу инеү хәүефле һәм тыйылған урындарҙы даими контролдә тоторға ҡушты. – Халыҡ төрлө, йыш ҡына яраҡлаштырылмаған урындарҙа һыу инә. Беҙҙең бурыс – һыуҙа ял итеү хәүефһеҙ булһын, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Шуға ла һәр муниципалитетта пляжда ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Фото: ufa.rbc.ru Автор:Альфия Мингалиева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Ғинуарҙың һуңғы көнөндә вуздарҙа хәрби кафедраларҙы бөтөрөү тураһында Рәсәй Президенты тарафынан ҡул ҡуйылған закон көсөнә инде. Хәҙер уларҙы уҡыу хәрби үҙәктәре алмаштырасаҡ. Вуз студенттары белем алыу менән бергә үҙәктә хәрби белгеслеккә лә эйә буласаҡ. Уларҙы армияға саҡырмаясаҡтар, әммә контракт хеҙмәтенә алыуҙары мөмкин. Үҙәкте тамамлаған студент хәрби ант ҡабул итәсәк һәм ҡулына хәрби билет та аласаҡ. Офицерҙарҙы бында 2,5 йыл буйы әҙерләйәсәктәр. Автор: Д. Ғәбдрәхимова Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Июнь, июль – йәшелсә уңышы өсөн бик яуаплы айҙар. Уңышты өҫтәмә туҡландырыу, ҡоротҡостарҙан һаҡлау, ваҡытында һыу һибеү талап ителә. Ябыҡ йылытмала үҫтерелгәндәренә ваҡытында һыу һибеп тороу, һауа температураһын һаҡлау мөһим. Помидор, борос һәм баклажан ҡоролоҡто төрлөсә кисерә. Помидор тамырҙарын тәрәнгә ебәреп, дымды үҙе эҙләп таба. Әммә йылытмалағы үҫентегә – аҙнаһына бер, эҫелә ике тапҡыр һыу һибергә кәрәк. Борос ҡыҫҡа тамырҙары менән үҙе һыу таба белмәй, шуға асыҡ һауала ла, йылытмала ла уға аҙнаға ике-өс тапҡыр һибер кәрәк. Тупраҡ­тың ике сантиметр тәрәнлектә ҡороуына юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Тамсылы һиптереү ҡоролмаһын ҡулланыу бигерәк тә яҡшы. Баклажан ҡоролоҡҡа сыҙам­лылығы буйынса помидор менән борос араһындараҡ тора. Тамыр системаһы тупраҡтың 20-40 сантиметрлы өҫкө ҡатламында йәйелгән була. Шуға берәй аҙна ямғырһыҙ селләлә ултырһа, һәләк булыуы бар. Йылытмала былай ҙа эҫе, шуға аҙнаһына бер-ике тапҡыр һыу һибеп тороу зарур. Иртән үҫемлектәрҙең япраҡтары һәленеп төшһә, тимәк, тупраҡ ҡороған, кисекмәҫтән һыу һибергә кәрәк. Кисте лә көтөргә түгел, юғиһә көндөҙгө селлә хәлһеҙләнгән үҫемлектәрҙе бөтөнләй һәләк итеп ҡуйыр. Һыуһыҙланыуҙы япраҡ­тарҙың көн үҙәгендә һәленеп төшөүе менән бутарға ярамай – был мәлдә үҫем­лектәр япраҡ майҙанын кәметергә тырышып бәлтерәй. Йәйге эҫелә яҡтылыҡ көсө 150 мең люкстан ашып китә, ә яҡты яратҡан үҫемлектәргә 20–30 мең люкс етә! Июль йылдың иң ҡыҙыу айы булһа ла, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар үрсеүен дауам итә, улар айырыуса йылытмала күбәйә. “Фитоспорин” менән йыш эшкәртеү уларҙы кәметә. Июль башында был биопрепараттың паста һәм наногель (“Фитоспорин-К Олимпийский”) рәүешлеһен ҡулланыу яҡшы, уларҙың составында үҫеш стимуляторы “Гуми”, микроэлементтар бар. Июлдең икенсе яртыһында күп культуралар өсөн паста һымаҡ “Фитоспорин”ды ҡулланыуҙы туҡта­талар, уның урынына гуматһыҙ “Фитоспорин-М РеаниматоР” һәм “Золотая Осень” шыйыҡсаларын, шулай уҡ онтаҡлыларҙы ҡулланалар. Был препараттар составында әҙер биологик әүҙем матдәләр – һаҡлаусы бактерияларҙың метаболиттары бар. Ике балғалаҡ шыйыҡ “Фитоспорин”­ды 10 литр һыуҙа иретегеҙ ҙә иртә менән үҫемлектәрҙе эшкәртегеҙ. Был күләм 100 квадрат метр майҙанға етә. Ҡоротҡостарға ҡаршы тирә-яҡ мөхиткә һәм кешегә зарарһыҙ сараларҙан битоксибациллин һәм лепидоцид биопрепараттары (“Гуми”+“БТБ”+“ЛПЦ универсаль” йыйылмаһынан), шулай уҡ “Кыш-Вредитель” серияһы тәҡдим ителә. “БТБ” һәм “ЛПЦ” япраҡ кимереүсе ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшә. Ни бары биш көн көтөргә, шунан инде уңышты аҙыҡҡа ҡулланырға ла мөмкин. “Кыш-Вредитель” менән аҙнаһына бер тапҡыр эшкәртеү бөжәктәрҙе түтәлдәрҙән ҡыуыр йә юҡ итер. Биопрепараттар тиҙ тарҡала, йәшелсә-емешкә, еләктәргә эләкмәй. Июндең икенсе яртыһында үҫемлектәргә фосфор менән калий бирергә онотмағыҙ, бының өсөн “Гуми-Оми Осенний” ҡулланығыҙ. Ә “Богатый-Микро Комплексный” препараты үҫемлектәрҙе хлороз­дарҙан ҡотҡарыр. https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/y-shels-t-rbi-l-yauaply-osor/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылында 7 сентябрҙә йолаға әүерелгән умартасылар байрамы — «Бал ҡорто туйы» уҙғарыла. «Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың береһе, умартасы Марат Зайруллин хәбәр итеүенсә, байрамда бал йәрминкәһе эшләй, балды тәмләп ҡарау ойошторола. Рәсәйҙең танылған умартасыларының ҡатнашыуы күҙаллана, уларҙан бал ҡорто тотоу буйынса кәңәштәр алырға мөмкин. «Быйыл Бәләбәй районы умартасыларының балы аҙ. Һауа торошо ҡамасауланы. Йүкә сәскә атманы: ҡоротҡос бөжәктәр бөтә сәскәләрен ашап бөттө. Ләкин беҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ, киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ», — тине Марат Зайруллин. «Бал ҡорто туйы» ҡунаҡтары өсөн ялан кухняһы эшләй, урындағы үҙешмәкәр артистар концерт менән сығыш яһай. Байрам көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана. Розалиә Вәлиева. http://www.bashinform.ru/news/1343587-v-belebeevskom-rayone-bashkirii-sostoitsya-prazdnik-pchelotuy/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Әҙерләү өсөн 1,5 ст һөт, 2 йомортҡа, 1 ст он, 150 гр сыр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, теләк буйынса укроп кәрәк буласаҡ. Әҙерләү өсөн 1,5 ст һөт, 2 йомортҡа, 1 ст он, 150 гр сыр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, теләк буйынса укроп кәрәк буласаҡ. Йылы һөткә шәкәр, тоҙ, йомортҡа, он, ҡамыр ҡабартҡысты ҡушып бутайбыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыстын үткәреп массаға өҫтәйбеҙ. Өҫтөнә туралған укроп, көнбағыш майын һалып туғыйбыҙ. Майланған табала ике яҡлап бешерәбеҙ. Әҙер ҡоймаҡты аҡ май менән майлайбыҙ. Эҫе көйө бигерәк тәмле ашауы. Фото: интернет Читайте нас в Сайт общественно-политической газеты «Торатау» города Ишимбая и Ишимбайского района Регистрационный номер ПИ ТУ02-01361. Свидетельство выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан от 24.07.2015 г.
Афғанстан территорияһынан һуңғы совет һалдаты сыҡҡанға инде утыҙ бер йыл үтте. Әммә унда булған ваҡиғалар яугир-афғансыларҙың хәтеренән һис тә юйылмай. 1979-1989 йылдарҙа афған һуғышында 196 яҡташыбыҙ ҡатнашты. Уларҙың береһе – Үктәй ауылында тыуып үҫкән Илмир Юнысов. Егет әрме сафтарына 1986 йылда саҡырыла. Төркөстан хәрби округында әҙерлек курстары үтә. 1987 йылдың бишенсе майында уларҙың часы Афғанстанға керә. Пулеметсы Илмир каруан юлын, бензин үткәргесте һаҡлай. Яҡташыбыҙ Афғанстанда ике йылға яҡын була. Яугир Афған ерҙәрендә үткәргән һәр миҙгелде хәтерләй. Илмир башынан кискәндәр тураһында хәтирәләр яҙа башлаған. Бөгөн уларҙың береһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. -1989 йылдың бишенсе февралендә төн тыныс үтте. Ғәҙәттәгесә, күктә ник бер йондоҙ булһын. Иртәнге сәғәт алтыла посты тапшырҙым да йоҡларға яттым. Никтер йоҡо алмай, башҡа төрлө уйҙар кереп яфаланы. Нимәнелер булаһын һиҙемләү күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Арығанлыҡ үҙенекен итте – йоҡлап киткәнмен. Сержант Курмачев дәшкәнгә күҙҙәремде астым. Постҡа баҫырға ваҡыт икән. Иртәнге аштан һуң мин вышкаға мендем, бинокль аша тирә-яҡты күҙәтеп сыҡтым. Тынлыҡ. Тау түбәһендә минометсылар урынлашҡан. Мин күккә йәшел ракета аттым, улар яуап бирҙе. Тимәк, барыһы ла яҡшы. Ҡышлаҡ яғынан өс машина күренде. Сержант Курмачев шлагбаумды күтәреп, уларҙы үткәрҙе. Автомобилдәр боролоштан юғалырға ла өлгөрмәне, рота командирының БТРы күренде. Сержант йүгереп барып хәлдәрҙе аңлатты. Теплов БТр-ҙан һикереп төштө лә миңә: «Рядовой Юнысов, әҙерлән», - тине. Вышкала мине Илгиз Ҡыҙрасов алмаштырҙы. Мин тиҙ генә палатканан әйбер тоғомды, патрондар, ҡоро паек алдым да, капитан янына барып, әҙер икәнемде әйттем. Ул йылмайҙы ла: «Һинә былар кәрәк булмаясаҡ”, - тине. –“һин ҡайтып китәһең”. Мин аптырап ҡалдым. Көтөлмәгән хәбәрҙән аяҡтар атламаҫ булды. Командир йыйынырға 15 минут ваҡыт бирҙе. Хәрби кейемем күптән әҙер ине инде. Иптәштәрем ҡосаҡлай башланы, бөтә взвод менән оҙатып ҡалдылар. Мин юлға сыҡтым. Етенсе февралдә Хайратонға тиклем вертолет менән барып еттем, унан күпер аша - Термез ҡалаһына. Поезд менән Ырымбур аша Өфөгә барып төштөм. 10 февралдә мин Иглингә барыусы электричкала инем инде. Кондуктор ҡатын, минең билетты ла һорамайынса, күҙ йәштәре аша: «Исән-һау ҡайтыуың менән!»,- тип ҡосаҡлап алды. Бына ул, тыуған ауылым! Туҡталыштан мин осоп тигәндәй ҡайттым. Бына тыуған йорт. Ҡапҡанан инәм, ә ишектә - йоҙаҡ. Мин урамға сыҡтым. Ҡайтыуымды ишетептер инде әсәй йүгерә. Ул мине шул ҡәҙәр ҡысып ҡосаҡланы, әйтерһең лә минең тағы китеп юғалыуымдан ҡурҡа ине, ә үҙе илай. Баҡһаң, ярты йыл буйы минең хаттар килмәгән, улар ҡайҙалыр юғалып ҡалған. Туғандар инде исән түгелдер, тип уйлағандар. Был ваҡыйғаларға 31 йыл үтте, ләкин бөтәһе лә кисә генә булған кеүек. Уларҙы онотоу мөмкин түгел. Фото Юнысовтарҙың ғаилә альбомынан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ҡурҡыу белмәҫ көрәшсе, оратор, Советтар Союзына нигеҙ һалыусы, халыҡты яҡты киләсәккә, «Алға! Коммунизмға!» әйҙәүсе Ленин бабайға - 150. Ҡурҡыу белмәҫ көрәшсе, оратор, Советтар Союзына нигеҙ һалыусы, халыҡты яҡты киләсәккә, «Алға! Коммунизмға!» әйҙәүсе Ленин бабайға - 150. Ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған бөйөк шәхес Владимир Ильичты һаман Ленин бабай тип йөрөтәбеҙ. Сөнки беҙ үҫкәндә, шиғыр һөйләһәк тә, йыр йырлаһаҡ та, уның исеме һәр саҡ телдә булды, сәхнәләрҙән яңғыраны. Үҙен күреп белмәһәк тә... яҡын ул беҙгә. Бөйөк революционер хаҡында төрлө кире хәбәрҙәр, имеш-мимештәр йөрөһә лә, ул ябай халыҡҡа ирек биргән, уның тормошон ҡайғыртҡан, йәшәйеш өсөн бик күп ыңғай үҙгәрештәр индергән, ғәҙеллек өсөн һәм ғәҙелһеҙлек менән көрәшкән кеше. Өлкәндәр октябрят, пионер, комсомол булған, галстук, значоктар тағып, байраҡ күтәреп йөрөгән, сәхнәләрҙән бөйөк юлбашсыға арнап йырҙар йырлаған, күмәкләшеп өмәләргә сыҡҡан ваҡыттарын һағынып иҫкә ала. Ғүмерҙәренең иң матур мәлдәрен Ильич исеме менән бәйләй. Беҙ ҙә эләктек уны ҙурлаған ваҡытҡа. Беҙҙең дә булды Ленин бабайлы сағыбыҙ. Хәҙер инде барыһы ла тарихта ғына тороп ҡалды...
Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры әле генә 87-се ижад миҙгелен йылдағыса «Театр төнө» менән башлап ебәргәйне, күҙ асып йомған арала миҙгелде ябыу ваҡыты ла килеп етте. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡтың театр сәнғәтенә һөйөүе һүрелмәй, йылдан-йыл тамашасы беҙҙең спектаклдәргә ихлас йөрөй. Режиссерҙар, артистар тамашасыларҙың зауығына тап килерҙәй яңынан-яңы премьералар сығарып ҡыуандырып ҡына тора. Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры әле генә 87-се ижад миҙгелен йылдағыса «Театр төнө» менән башлап ебәргәйне, күҙ асып йомған арала миҙгелде ябыу ваҡыты ла килеп етте. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡтың театр сәнғәтенә һөйөүе һүрелмәй, йылдан-йыл тамашасы беҙҙең спектаклдәргә ихлас йөрөй. Режиссерҙар, артистар тамашасыларҙың зауығына тап килерҙәй яңынан-яңы премьералар сығарып ҡыуандырып ҡына тора. Әйтергә кәрәк, Сибай театры өсөн был миҙгел бик уңышлы булды. Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре буйынса театрыбыҙҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Мәжит улы Fәлимов сәхнәләштергән «Әүлиә» спектакле барыһының да күңеленә хуш килде. Тарихи мәғлүмәттәргә таянып яҙылған әҫәр халыҡ араһында төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Берәүҙәр хәҙрәтте сәхнәнән күрһәтеүҙе дин тыя тип киҫәтте, икенселәр шәхесте ҙурлай тип хупланы. Театрҙың ижади төркө-мөнән генә түгел, тотош коллективтан күп хеҙмәт, көсөргәнеш талап иткән был спектакль Өфө, Учалы, Белорет, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалаларында, Иҫәнғол, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Мораҡ район үҙәктәрендә, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла,Fафури, Бөрйән райондарында зал тулы тамашасы йыйҙы. Премьераны театр һәм сәнғәт белгестәре лә юғары баһаланы. Уҙған миҙгелдә театр аҙ һанлы ҡалаларҙа урынлашҡан бәләкәй театрҙарға ярҙам итеү маҡсатындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған проектта ҡатнашты. Махсус программа сиктәрендә мәҙәниәт усағыбыҙҙың матди-техник базаһын нығытыуға 5 миллион һум аҡса бүленде. Был аҡсаға яҡтыртыу һәм музыка аппараттары алынды, театр коллективы Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектаклен әҙерләп сығарҙы. Күренекле режиссер Азат Йыһаншин ҡуйған әҫәрҙе тамашасы бик йылы ҡабул итте. Яңы йыл иртәлектәренә йәш тамашасыларыбыҙ өсөн театрыбыҙҙың художество етәксеһе Дамир Fәлимов «Ҡыҙыл башлыҡ мажаралары» спектаклен әҙерләне. Шулай уҡ Өфө сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү бүлеге студенты Эвелина Редькина Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса ҡуйылған «Янһарының тылсымлы санаһы» спектаклен сәхнәгә сығарҙы. Fаилә йылында йәш быуында тыуған төйәккә, ға-иләгә ҡарата йылы мөнәсәбәт, үҙ-ара татыулыҡ, туғанлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүҙә әҫәрҙең әһәмиәте бик ҙур булды. 50 йылдан ашыу ғүмерҙәрен Сибай театрына бағышлап, йөҙҙән ашыу сағыу һәм фәһемле образдар тыуҙырып, тамашасы һөйөүен яулаған Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә һәм Марсель Хоҙайғоловтарҙың күркәм юбилейҙарын да билдәләп үтте театр коллективы. Билдәле артистарҙың юбилей тантанаһына бағышлап йәш режиссер В.Fилманов С.Әбүзәровтың «Йәшлеккә ҡайтыу» комедияһын сәхнәләштерҙе. Унда Әҡлимә ролен башҡарған Рәмилә Хоҙайғолова милләтебеҙгә хас тыйнаҡлыҡ, тоғролоҡ сифаттарын асып биреүгә өлгәшеп, ғаилә өсөн иң кәрәклеһе байлыҡ туплау түгел, ә бер-береңде ҡәҙерләп, бала-ларға өлгө булып йәшәү икәнлеген иҫбатланы. Беҙҙең аранан баҡыйлыҡҡа бик иртә күскән талантлы шәхес , Башҡортос-тандың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәковтың, уның ҡатыны Башҡортостандың ат-ҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашеваның, уларҙың һөйөклө улдары, билдәле артист, йырсы, режиссер Арыҫлан Йәнбәковтың яҡты рухтарына арналған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙғарылды. Театр коллективы уҙған миҙгелдә Татарстан Республикаһында гастролдә булды. Унда ижади труппа М.Багаевтың «Үәт, исмаһам, ахырызаман!» комедияһы, балалар өсөн экология йылына арналған «Приключения лесного Эха» спектаклдәре менән сығыш яһаны. Ҡунаҡ ашы—ҡара ҡаршы тигәндәй, Миңзәлә театры коллективы ла сибайҙарҙы үҙҙәренең ижад емештәре менән һөйөндөрҙө. Шулай уҡ Баймаҡ, Белорет тамашасыларын да урап үтмәнеләр. Ҡалабыҙҙа ниндәй генә сара үтмәһен, уларҙың һәр береһендә театр коллективы ихлас ҡатнаша. Май аҙағында төбәгебеҙҙә гөрләп үткән «Ирәндек моңдары—2018» башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың ХIV төбәк-ара конкурсының төп өлөшөн юғары кимәлдә үткәреүгә артистар тос өлөш индерҙе. Fөмүмән, 87-се ижад миҙгеле театрыбыҙ йылъяҙмаһына күп кенә сағыу биттәр яҙҙы. Күп эштәр эш-ләнгән, ә алда тағы ла яңылары көтә. Киләһе йыл тағы ла уңышлыраҡ буласағына өмөт ҙур. Сөнки ул «Театр йылы» тип нарыҡланасаҡ. Яңы йылда республикабыҙ етәкселеге Башҡортостан автономияһының төҙөлөүенә, бөйөк шәхесебеҙ, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуын билдәләйәсәк. Ижад юлын беҙҙең театрҙа башлаған данлыҡлы ҡурайсы, артист, драматург Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы сара ла тантаналы уҙғарыласаҡ.
1 октябрҙән түбән килемле ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәрҙе «Мир» картаһына, ҡулаҡса йәки ябай иҫәпкә генә алырға мөмкин. Балалар пособиеһы «Мир» картаһына күсерелә башлай Һүҙ, атап әйткәндә, беренсе йәки икенсе баланың тыуыуына йәки уны уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуға бәйле пособиелар тураһында бара. Үҙгәрештәр аҡсаны халыҡ-ара түләү системалары карталарына алғандарға ғына ҡағыла. Бынан алда Хеҙмәт министрлығында «Мир» картаһы йөклөлөктөң иртә осоронда иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ пособие, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар, бала ҡарау буйынса пособилелар, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларға айлыҡ түләүҙәр, 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр, 8-17 йәшлек балалар тәрбиәләгән тулы булмаған ғаиләләргә пособиелар, Пенсия фондынан пенсиялар һәм башҡа түләүҙәр, эшһеҙлек пособиеларын алыу өсөн кәрәклеге тураһында белдергәйнеләр. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Министр белдереүенсә, ил субъекттары араһында Олимпиядала яуланған миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан дүртенсе урынды биләй. Башҡортостан спортсылары бүләкләнәсәк Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә кисә Ҡытайҙа тамамланған Ҡышҡы Олимпия уйындарына йомғаҡ яһалды. Доклад менән республиканың спорт министры Руслан Хәбибов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, ил субъекттары араһында миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан дүртенсе урынды биләй, уны Мәскәү өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Санкт-Петербург менән бүлешә. – Миҙалдар һаны буйынса Рәсәй икенсе урынды алды – 32 миҙал. Беренсе урын, Норвегия – 37 миҙал. Өсөнсө урын, Германия – 27 миҙал. Миҙалдар һаны – Ҡышҡы олимпия уйындарында сығыш яһау йомғаҡтары буйынса яңы Рәсәй рекорды. Быға тиклем рекорд 2014 йылда билдәләнгәйне, ул саҡта рәсәйҙәр Сочиҙағы Олимпиадала 29 миҙал яуланы (11, 9, 9). Спортсыларыбыҙ Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтте, Рәсәй йыйылма командаһына дүрт бронза миҙал индерҙек. Был шулай уҡ тарихта иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. 1998 йылда ғына 4 миҙалға лайыҡ булғайнылар, – тине министр. Билдәле булыуынса, Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Пекин Олимпиадаһында 14 кеше, шул иҫәптән запас сифатында өс спортсы ҡатнашты. – Ҡышҡы Олимпиадала миҙалдарҙың күп булыуы Башҡортостанды ҡышҡы спорт төрҙәре төбәге булараҡ раҫлай, әммә беҙҙә “Тау саңғыһы спорты” һәм “Сноуборд” кеүек спорт төрҙәрендә лә үҫеш нөктәләре күп. Был төрҙәрҙә дисциплиналар күп һәм беҙ донъя аренаһында тағы ла яҡшыраҡ була алабыҙ. Бөгөн бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар”, - тип билдәләне Руслан Хәбибов. “Йондоҙҙарыбыҙға” килгәндә, был әлбиттә – Эдуард Латипов. Башҡортостандан биатлонсыһы Пекиндағы Олимпиадала Рәсәйҙең иң танылған спортсылары исемлегенә инде. Эдуард ҡатнаш эстафетала, эҙәрлекләү уҙышында һәм ир-егеттәр эстафетаһында өс бронза награда яуланы. Шулай уҡ Башҡортостанға һәм Рәсәй командаһына Өфө шорт-трексыһы Семён Елистратов “бронза” килтерҙе. Ошо көндәрҙә спортсы тыуған ҡалаһына ҡайтты һәм миҙалды, ғәҙәттәгесә, Рәсәй Спорт министрлығы музейына ебәрәсәге хаҡында һөйләне. Республика Башлығы Радий Хәбиров Спорт министрлығына Башҡортостан спортсыларын бүләкләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. “Беҙ уларҙы билдәләргә тейешбеҙ, балалар күрһен өсөн”, – тине Радий Хәбиров. Фото: faktologia.com Автор:Альфия Мингалиева Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа тауыш биреү барышын күҙәтеүселәр ҡарап бара. Күҙәтеүсенең бурыстары ниндәй? Күҙәтеүселәр корпусына нисек эләгергә? Күҙәтеүселәр – һайлау участкаларында тауыш биреү һәм тауыштарҙы иҫәпләү барышының законлылығын күҙәтеп барыусы һайлау процесында ҡатнашыусылар. Йәшәү һәм теркәлеү урынына ҡарамаҫтан, балиғ булған йәштәге һәр рәсәйле күҙәтеүсе була ала. Әммә күҙәтеүселәрҙе һайлау участкаларына һайлауҙа ҡатнашҡан партиялар һәм кандидаттар ебәрә. Уларға туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкин – ул саҡта партияла тороу талап ителмәй. Партия һәм кандидаттарҙан тыш күҙәтеүселәрҙе йәмәғәт контроле субъекттары – Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы тәғәйенләй ала. Һайлау барышында күҙәтеүсе булырға теләү тураһында заявканы алдан уҡыу, тренинг-тарҙа ҡатнашыу һәм ваҡытында методик материалдар менән тәьмин ителеү өсөн, иртәрәк бирергә кәрәк. Һайлау тураһында законды белмәй тороп, күҙәтеүҙе тулы ҡиммәтле алып барыу мөмкин түгел. Эксперттар шулай уҡ күҙәтеүселәргә мөмкин тиклем бөтә кампанияны күҙәтеп барырға кәңәш итә. Ул осраҡта тауыш биреү көнө ниндәй буласағын, кемдең ниндәй закон боҙоу-ға барыуы ихтималлығын күҙалларға була. Бер үк һайлау участкаһында бер үк ваҡытта бер кандидаттан йәки партиянан, йәки йәмәғәт контроле субъектынан бер генә күҙәтеүсе була ала. Был шул уҡ кандидаттан йәки партиянан участка һайлау комиссияһы ағзаларына ҡағылмай. Тауыш биреү көнөндә күҙәтеүселәр һайлау участкаһында барған бар процесты күҙәтеп, ихтимал булған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәп барырға, шул иҫәптән фото һәм видео ярҙамында теркәргә тейеш. Күҙәтеүҙең маҡсаты – ихтимал булған ялғанлыҡтарҙы, мәҫәлән, бюллетендәр төшөрөүҙе, бер үк кешеләрҙең күп тапҡырҙар тауыш биреүҙәрен, участка комиссияларының йомғаҡлау протоколдарын күсереп яҙыуҙарын иҫкәртеү. Күҙәтеүселәргә бюллетендәргә тейеү, тауыш биреүселәргә ярҙам итеү тыйыла. Шулай уҡ күҙәтеүселәр тауыш биреүҙә, комиссия эшендә ҡатнаша алмай, һайлаусыларҙы кандидаттарҙың береһе өсөн тауыш бирергә өндәргә хоҡуғы юҡ. Беҙ күҙәтеүселәрҙе үҙҙәрен конфронтацияға көйләмәҫкә саҡырабыҙ. Эште комиссия менән конструктив бәйләнеш булдырыуҙан башлау яҡшыраҡ. Әгәр комиссия етәкселәренең береһе күҙәтеүсенең хоҡуҡтарын сикләргә тырыша һәм тауыш биреү барышын контролдә тоторға ҡамасаулай икән, ул ваҡытта законһыҙ ғәмәлдәр тураһында мәсьәләне юғарыраҡ торған комиссияға, шул иҫәптән 8-800-347-54-54 “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса республика Үҙәк һайлау комиссияһына шылтыратып хәл итергә тырышырға була. Инде был да ярҙам итмәһә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ялыу йәки ғариза менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тауыш биреү көнөндә күҙәтеүсегә һайлау участкаһы асылғанға тиклем ярты сәғәт алдан (6.30) килергә һәм, тауыш биреү барышын контролдә тотоп, көн буйы һайлау участкаһында булырға. 21.00 сәғәттә участкалар ябыла һәм иң мөһим этап – тауыштарҙы һанау башлана. Күҙәтеүсегә иҫәпләүҙе контролдә тоторға һәм һуңында бирелгән тауыштар һаны һәм башҡа параметрҙар күрһәтелгән йомғаҡлау протоколының дөрөҫ раҫланған күсермәһен алырға кәрәк. Һуңынан күҙәтеүсе ул мәғлүмәтте рәсми баҫылғаны менән сағыштыра йәғни ниндәйҙер хоҡуҡ боҙоу-ҙарҙы асыҡлай ала. Ҡағиҙә булараҡ, күҙәтеүсе – ирекмән, ул эше өсөн бер ниндәй ҙә бүләкләү алмай. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Дим буйзары" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Моҡас ауылы халҡы бер тынала үҙҙәрен борсоғандарҙы әйтеп һалды. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе беҙ урында хәл итергә тырыштыҡ. Иң тәүҙә Баймаҡ почтамты начальнигы Альбина Шәһәҙәтоваға бәйләнешкә сыҡтыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, Альбина Рафаэль ҡыҙы проблеманы шунда уҡ хәл итте. Ул Моҡасҡа тиҙ арала гәзит-абонент шкафы ебәрергә һүҙ бирҙе. 8 ячейкалы был шкаф ауыл уртаһына ҡуйылып, һәр береһенең асҡысы буласаҡ. Кәрәк булһа, тағы ла бер шкаф бүләсәген белдерҙе почта етәксеһе. Әлбиттә, был хәбәр ауыл халҡын бик ҡыуандырҙы һәм улар дәррәү “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды. Бай тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, уңған һәм эшһөйәр халҡы менән билдәле булған Беренсе Моҡас ауылы бөгөн еңел булмаған осор кисерә. Ирәндек төбәге халҡын берләштереп торған “Ирәндек” совхозының тарҡалыуы, эш булмауы, шунлыҡтан йәштәрҙең ситкә китеүе арҡаһында әле был төйәктә нигеҙҙә хаҡлы ялдағылар һәм урта йәштәгеләр йәшәй. Балаларҙың булмауы арҡаһында башланғыс мәктәп ябылған, клуб та, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла эшләмәй. Ауыл бәләкәй булғанлыҡтан бында айырым почтальон тотоу ҙа мөмкин түгел – шунлыҡтан халыҡ гәзит-журналдарға яҙыла алмай, төрлө хат-корреспонденцияларҙы алыу ҙа оло проблемаға әүерелә. Моҡаста магазин да юҡ. Бына ошондай проблемалар менән йәшәп ята бөгөн ауыл халҡы. Моҡастарҙың саҡырыуы буйынса ошо көндәрҙә ауылда булып, халыҡ менән осрашып ҡайттыҡ. Кешеләр үрҙә телгә алынған проблемаларҙы күтәреп сыҡты. “Бына егерме йыл тирәһе инде беҙгә Баймаҡ районы хакимиәтенән бер етәксе лә килеп, осрашыу ҙа үткәргәне, хәлебеҙҙе лә һорашҡаны юҡ. Проблемалар иһә хаттин ашҡан. Оло һәм урта быуын кешеләре йәшәгәнлектән беҙгә даими рәүештә фельдшер кәрәк. Ошоғаса оҙаҡ йылдар Ғәлиә Айытбаева фельдшер булып намыҫлы эшләне, үкенескә ҡаршы, мәрхүмә булып ҡалды. Уға әле лә рәхмәт уҡыйбыҙ. Шул уҡ ваҡытта почта хеҙмәте лә етди проблема. Район баҫмаһы “Һаҡмар”ға яҙыла алмайбыҙ, кәрәкле хаттарҙы ла Баймаҡтың үҙенән барып алабыҙ. Урамдарҙы яҡтыртыу ҙа күптән өлгөргән мәсьәлә. Был хәл ҡасанға тиклем дауам итер икән? Нишләп беҙҙең хәл-торош менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмай?” Моҡас ауылы халҡы бер тынала үҙҙәрен борсоғандарҙы әйтеп һалды. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе беҙ урында хәл итергә тырыштыҡ. Иң тәүҙә Баймаҡ почтамты начальнигы Альбина Шәһәҙәтоваға бәйләнешкә сыҡтыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, Альбина Рафаэль ҡыҙы проблеманы шунда уҡ хәл итте. Ул Моҡасҡа тиҙ арала гәзит-абонент шкафы ебәрергә һүҙ бирҙе. 8 ячейкалы был шкаф ауыл уртаһына ҡуйылып, һәр береһенең асҡысы буласаҡ. Кәрәк булһа, тағы ла бер шкаф бүләсәген белдерҙе почта етәксеһе. Әлбиттә, был хәбәр ауыл халҡын бик ҡыуандырҙы һәм улар дәррәү “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды. Башҡа проблемаларҙы беҙ Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәновҡа еткерҙек. Әйтергә кәрәк, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Илдар Рафиҡ улының халыҡ араһында абруйы бар, ул урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Етәксе билдәләүенсә, ошо көндәрҙә Моҡас ауылы урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Ә бына ФАП-ты эшләтеп ебәреү өсөн фельдшер талап ителә, был мәсьәлә өйрәнелә. “Беренсе Моҡас халҡы берҙәм, тырыш булыуы менән айырылып тора, – тип билдәләне И.Бүләкәнов. – Улар өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша, ауылды төҙөкләндерергә тырыша. Яңы өй төҙөгән ғаиләләр ҙә бар: Фәнис Еникеев, Әмир Сәфәрғәлин һәм Исҡужа Юнысовтар әле йорт күтәрә. Миңзәлә менән Илтуған Булатовтар, Алһыу менән Азамат Сөләймәновтар, Миңзәлә менән Нурғәле Дилмөхәмәтовтар, Сәймә менән Рәүеф Ҡәйепҡоловтар, Зилә менән Азат Вәлиевтар, Әлфирә менән Рәсих Мөхәмәтйәровтар, Миңнур менән Фангиз Буранбаевтар, Фәриҙә менән Фирғәт Еникеевтар, Айһылыу менән Рәйес Байғоловтар, Гөлсөм менән Буранбай Булатовтар, Зөлфирә менән Ураз Шәриповтар – ауылдың иң уңған ғаиләләре. Улар матур итеп донъя көтә, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ә бына барлыҡ тормош юлын намыҫлы хеҙмәткә арнаған, урындағы хужалыҡты үҫтереүгә күп көс һалған ветерандар Ғәзимә менән Фәрхәт Мөхәмәтйәровтар, Ғилминиса Иҙрисова, Вәли Айытҡолов ауылдың иң оло, хөрмәтле шәхестәре булып һанала, ысын өлгө булып тора. Ауыл старостаһы Ураз Шәрипов һәм ауыл Советы депутаты Рәсих Мөхәмәтйәров халыҡ мәнфәғәтендә ҙур эштәр алып бара”. Иле берҙәмдең – көнө берҙәм, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Беренсе Моҡас ауылы халҡы бөгөн берҙәм булып донъя көтә, иртәнге көн хәстәре менән йәшәй. Тап берҙәм, илһөйәр булғанда ғына тыуған төйәгенең киләсәге барлығын яҡшы аңлай улар.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы 2020 йылда Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни һәм аң-белем таратыу саралары ойошторола. 2020 йылда Башҡорт теле көнөнә арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды. Уның етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин. Ойоштороу комитетына тейешле сараларҙы уҙғарыу планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде. Белеүегеҙсә, Башҡортостанда 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Был дата башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың указы менән булдырылды. Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Был донъяға һәр кем һөйөп-һөйөлөп йәшәү, үҙенән һуң матур эҙ, лайыҡлы нәҫел ҡалдырыу өсөн яралтылған. Бер-береһе тиеп йән атҡан, балалары тиеп өҙөлөп торған һәр пар үҙенә генә хас һыҙаттарға, үҙе генә сисер серҙәргә эйә. Был донъяға һәр кем һөйөп-һөйөлөп йәшәү, үҙенән һуң матур эҙ, лайыҡлы нәҫел ҡалдырыу өсөн яралтылған. Бер-береһе тиеп йән атҡан, балалары тиеп өҙөлөп торған һәр пар үҙенә генә хас һыҙаттарға, үҙе генә сисер серҙәргә эйә. Байназар ауылында йәшәүсе Фәнзил һәм Нәзифә Науразбаевтар ифрат ихлас, йор һүҙле, шаян булыуҙары менән үҙенсәлекле. Үҙҙәренең ҡауышыу тарихын да бик ҡыҙыҡлы бәйән итте улар. Район үҙәк дауаханаһында егет – ҡаҙанлыҡ операторы, ҡыҙ ашнаҡсы булып эшләгәндәрендә танышып китәләр. “Бер-берегеҙҙе ниндәй сифаттарға ҡарап һайланығыҙ?” – тигән һорауға “Миңә Нәзифәнең машиналы булыуы оҡшаны”, “Ә миңә - Фәнзилдең өйлө булыуы”, тип көлөп ебәрҙеләр. Баҡтиһәң, ул ваҡытта Нәзифәнең водитель таныҡлығына эйә булып, машина алырға йыйынып йөрөгән сағы булған һәм “тимер ат”ты егет үҙе һайлап алышҡан, ә Фәнзилдең өйө күтәрелгән булған да, ҡыҙ килеп, тышын пропитка менән буяшып биргән икән. - Тәүҙә әллә ни дуҫлашып йөрөмәй инек, Тарыуалға барып, буласаҡ ҡәйнәм менән танышып, Нәзифә аша минең хаҡта “ағайыңа оҡшаған” тигән фекерен ишеткәс кенә ихласлап киттек, - ти, йылмайып, Фәнзил Иҙрис улы. - Ә мин тәүге тапҡыр Байназарға килгәндә буласаҡ ҡайнымдың утын-бесәне өйөлөп ятҡанын күрҙем дә, әһә, әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос, тиҙәр бит, Фәнзил дә булдыҡлы булыр, тип уйлап ҡуйҙым, - ти Нәзифә Азамат ҡыҙы. Танышҡандарына 3 ай тигәндә, 2010 йылдың июнь башында, никах уҡытып, сентябрҙә туй үткәреп ебәрәләр. Өйләнешкәс тә, Байназарға атай-әсәй янына күсәләр. Оҙаҡламай ағас сығып, төкөтмә күтәреп, киләһе ҡышҡа үҙ ояларына сығалар. Ауылдың Урал урамына тәүге ғаилә булып күсә Науразбаевтар. (Аҙағы гәзиттең 13-сө һанында). Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
“Беҙҙең заманда рәхәт ине, исмаһам. Уҡыуыңды тамамлауға эш урыны көтөп тора. Унда барып инеүгә “подъемный” аҡсаһын һәм фатир асҡысын усыңа һалалар. 10-15 йыл эшләгәндән һуң, ул фатир һинеке була…” – тип һөйләй башлайҙар йәш белгестәр тураһында һүҙ сыҡһа. Ә һин тыңлап тораһың да, уйға ҡалаһың. Ысынлап та, йәштәргә берәй ҡасан шундай мөнәсәбәт булдымы икән ни? “Беҙҙең заманда рәхәт ине, исмаһам. Уҡыуыңды тамамлауға эш урыны көтөп тора. Унда барып инеүгә “подъемный” аҡсаһын һәм фатир асҡысын усыңа һалалар. 10-15 йыл эшләгәндән һуң, ул фатир һинеке була…” – тип һөйләй башлайҙар йәш белгестәр тураһында һүҙ сыҡһа. Ә һин тыңлап тораһың да, уйға ҡалаһың. Ысынлап та, йәштәргә берәй ҡасан шундай мөнәсәбәт булдымы икән ни? Аҡлы-ҡаралы совет осоро киноларының уйлап сығарылған сюжеты ғына түгелме икән ул? Бер генә көнгә шул ваҡытҡа барып булһа, рәхәтләнеп сағыштырып яҙыр инем. Ләкин әлегә ваҡыт буйлап сәйәхәт итә торған машина юҡ. Һәр хәлдә, миндә юҡ. Шуға күрә был мәҡәләлә һүҙ бары тик бөгөнгө замандың йәш белгестәре тураһында бара. Амбициоз, тиҙәр йәштәрҙе. Үҙ-үҙҙәренә артыҡ ышаныусандар. Уларҙың юғары белеме фәлән йылдар эшләгән “ҡарттар”ҙың тәжрибәһен “һалып йыға” тип уйлайҙар. Шуның менән ерҙә тормош яралғандан бирле дауам иткән аталар һәм балалар мөнәсәбәтен тағы ла киҫкенләштереп ебәрәләр. “Башыңдан атлап үтәләр инде!” – тине бер ханым йәш коллегалары тураһында. Әлбиттә, берәү ҙә уның башынан атлап үтергә йыйынмайҙыр. Әммә заман талаптарына уға ҡарағанда теүәлерәк яуап биреүҙәре хаҡ. Беренсенән, йәштәр компьютерҙы яҡшы белә. (Ә унһыҙ өлкә ҡалманы хәҙер). Бик күп программалар менән иркен эш итәләр. Сит телдәрҙе лә беләләр. Компьютерҙа йыйыу тиҙлеге лә яҡшыраҡ. Унан һөнәр буйынса алған мәғлүмәттәре лә яңыраҡ. Былар барыһы ла эш процесын тиҙләтергә, конкурентлыҡ заманында башҡаларҙан артта ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Тик бында икенсе яҡлап проблема бар. HR-белгестәр йәштәрҙең амбициялары бик йыш белем дәрәжәләренә тура килеп бөтмәүен асыҡлаған. Етәксе вазифаларға дәғүә иткән йәш белгестәрҙең күбеһе ябай хеҙмәткәр бурыстарын да үтәй алмай икән. Һуңғы йылдарҙа телдәрҙән төшмәгән БДИ һөҙөмтәләрен генә күҙәтәйек. Былтыр 16 меңдән артыҡ уҡыусы вузға “үтерлек” балл йыя алманы. Ә был имтихан тапшырыусыларҙың 2 проценты ғына. Уңышлы тапшырыусылар араһында күпселек көскә минималь балл йыйған. Ә “100”-леләр ни бары 2822 кеше. Бер миллионға яҡын уҡыусы араһынан! Һәм уларҙың күпмеһе үҙ башы менән тапшырғандыр әле… Йәштәр һаны кәмеү сәбәпле, вуздар абитуриенттарға талаптарын йылдан-йыл төшөрә. Шуға күрә ысын белемлеләр менән бер рәттән “3”-лө ҡапсыҡтары” ла юғары уҡыу йорттарына “йырлап” инеп китә. Икенсе йылға ла әлеге хәл ҡабатлана. Нишләһендәр? Студент юҡ икән, уларға эш тә юҡ, тигән һүҙ бит. Хәйер, эш кенәме?.. Биш йыл буйы сессия һайын күстәнәс ташыйҙар. Шуға алданып, минән киткәнсе, хужаһына еткәнсе, тип ундайҙарҙан да йәш белгес “яһап” сығаралар. Тик буласаҡ хужалар – эш биреүселәр үҙ талаптарын төшөрәләрме һуң? Юҡ. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, эшкә ҡабул итеүселәрҙең 41 проценты ғына йәш белгес әҙерлеге менән ҡәнәғәт, 37 процентты ҡәнәғәт түгел. Ә 21 проценты был һорауға ни тип яуап бирергә лә белмәй. Сөнки уларға эш процесында йәш белгестәрҙең ике “сорт”ы менән дә осрашырға тура килә. Шулай шул бына. Аҡ эт бәләһе ҡара эткә төшә, тигәндәй. Бөгөн барыһы ла “уңға барырғамы икән, һулға барырғамы икән, атай-әсәй эш тапҡансы, ултырып ҡына торорғамы икән” тип ятмай бит. “90-сы”ның алдашҡан йәштәре лә аренанан күптән китте. Бөгөн уларға алмашҡа йәнә үҙ-үҙенә һәм белеменә ышанған быуын килә. Эйе, бәлки ҡиммәттәр бер аҙ үҙгәргәндер. Тик был йәштәр тормоштан ни кәрәклеген яҡшы белә. Һәм маҡсатына ирешеү өсөн мәктәптән үк юл яра башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп вуздар теорияға нигеҙләнеп кенә уҡыта. Унда хеҙмәт баҙарының талаптарын аңлап бөтөрмәгән, ғөмүмән, уларҙы белмәгән ғалимдар уҡыта. Студенттар практиканы ла бик формаль үтә. Күп ерҙә “йомошсо малай” бурыстарын үтәп, тегеһен килтереп, быныһын илтеп йөрөй торғас, эштең ниҙән ғибәрәт икәнен аңламай ҙа ҡалалар. Шул сәбәпле, диплом алған йәш белгескә үҙ аллы өҫтәмә курстар, стажировкалар үтергә тура килә. Ә эш биреүселәр лекцияларҙа һөйләнелгән әйберҙәрҙең тормошҡа бик үк тура килеп бөтмәгәнен аңлатыр өсөн күп ваҡытын сарыф итә. Юғары уҡыу йорттарында практикант-уҡытыусылар, шул иҫәптән эш биреүсе кампания вәкилдәре лә, махсус курстар алып барһа, был ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолоп булыр ине. Әгәр йәш белгес үҙе эшкә урынлашҡас, ойошма менән студент сағында уҡ таныша торһа, диплом алғас яңы коллективҡа еңелерәк инеп китер ине. Әлбиттә, беренсе осорҙа остазының ҡул аҫтында эшләү ҙә ҡамасауламаҫ. Тик алда әйтелгән аталар һәм балалар мөнәсәбәте янына “ҡыҫҡартыу” һүҙен дә ҡуйһаң, бындай тәжрибәнең уңышы шик тыуҙыра. Ни өсөн тигәндә, һәр йәш белгес – иртәгә һинең урыныңды алырға торған көндәш. Уның булдыҡһыҙлығы “ҡарттар”ға файҙаға ғына кеүек. Унан фәлән йыллыҡ стаж бейеклегенән ҡарап ултырыусы совет осоро кешеләренең йәштәргә ҡарата мөнәсәбәте бер: эшлә, һин йәш әле. Ә мин үҙ өлөшөмдө эшләгән, хәҙер һин һөйрәгәндә ултырып ҡына барам… Бәлки, ҡатыраҡ яңғырайҙыр. Өлкәндәр был һүҙҙәр менән ризалашмаҫ та. Тик стажға ҡарап хеҙмәт хаҡы түләүҙе бөтөргәс, ошо хоҡуҡтан ҡолаҡ ҡағыу күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы кеүек. Ә студенттар фатир тураһында хыялланып ултыра. Йәш белгестәргә уныһын да бирә башлаһалар!.. Был ҡаршы икән тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Мин ҡуш ҡуллап риза. Йәш кешене ҡыҙыҡһындырырлыҡ стимул кәрәк. Әгәр ул үҙ өҫтөндә эшләмәһә, үҫергә, камиллашырға ынтылмаһа, ҡолаҡ ҡағасаҡ ниҙер булырға тейеш. Йәштәр фекеренсә, уңышлы карьера күрһәткестәрен асыҡларға теләп, һорау алыуҙар үткәргәндәр. Беренсе урынға хеҙмәт хаҡы сыҡҡан. Унан күпкә ҡалышып булһа ла, үҙ һөнәрең буйынса эшләү тора. Һәр белгес үҙ урынында булырға тейеш тигән ҡарашта йәштәр. (Бында бөгөнгө көндә бөтөнләй хәл ителмәй торған профйүнәлеш мәсьәләһе тора). Өсөнсө урында эшеңдән ҡәнәғәтлек алыу ҡуйылған. Күптәр йәштәрҙең аҡса мәсьәләһенең беренсе урынға сығыуын матди байлыҡҡа ғына ынтылыуынан күрә. Әлбиттә, йәш белгесте фатир асҡысы менән көтөп торһалар, күрһәткестәр башҡасараҡ булыр ине төҫлө. Тик хеҙмәтенә күрә хөрмәте күрһәтелергә тейеш икәнде оноторға ярамайҙыр. Йәш белгестәрҙең дә “ҡаймағын – бер, һыуын икенсе яҡҡа айырырға” ваҡыт. Уҡырға тип сығып киткән йәштәрҙе ауылға кире ҡайтарыуҙың бер ысулы – грант биреү. Барыһына тәтей торған бәхет түгел ул. Уны Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусыларҙың иң тырыштары, лайыҡлылары ғына ала төҫлө. Тик юҡ. Ни өсөндөр арала аҙашып барып сыҡҡандар ҙа осрай ине. Бер командировкаға барғас, ауылға ҡайтҡан грантлы йәш белгес – ветеринар менән осрашырға тура килде. Ярты сәғәт ат янына баҫып фотоға төшөрөргә өгөтләнем үҙен. Ризалашманы. Ҡурҡты. Ҡала егете ине. Ветфакка ла ат менән һыйыр ҡарарға түгел, эт менән бесәй дауаларға ингән булған. Ауылға шул аҡсаға ымһынып ҡына килеп сыҡҡан. Әле лә ундамы икән, фермаға төшкәндә кейгән аҡ туфлийы бысранғандың икенсе көнөндә үк киттеме икән, белмәйем. Ләкин йәш белгес тигән һайын минең күҙ алдыма ул килеп баҫа. Аҡ туфли, ап-аҡ күлдәк һәм ҡара күҙлектән.. Бына ни өсөн хеҙмәтенә күрә хөрмәте булырға тейеш тим мин. Шулай иткәндә генә белемдең престижы, йәш белгестең абруйы артасаҡ. Дауаханала сиратта торған бабай табиптың йәш икәнлеген белгәс, “теге, һәйбәтенә килермен” тип боролоп ҡайтып китмәйәсәк. Йәш тәрбиәсегә ҡалдырырға ҡурҡып, әсәләр балаларын баҡсанан эйәртеп алып сыҡмаясаҡ…
Рәхәтләнеп кенә йоҡлап ятҡанда, хырылдама инде, туҡта, тип йыш уяталармы? Һорауға “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ. 1. Салҡан ятмағыҙ. Арҡаға ятып йоҡлау ғәҙәтенән ҡотолһағыҙ, хырылдауҙан туҡтарһығыҙ. 2. Тынлы оркестрҙа уйнағыҙ. “Төнгө концерт”тан яҡындарығыҙ яфаланмаһын тиһәгеҙ, уларға көндөҙ үк флейта, ҡурай йә тромбонда уйнап ишеттерегеҙ. Тынлы музыка ҡоралдары өҫкө тын алыу юлдары мускулдарын нығыта. 3. Йоҡлар алдынан иҫерткес эсемлектәр ҡулланмағыҙ. Алкоголь тын алыу юлдарын көсһөҙләндерә. Һөҙөмтәлә кеше хырылдай башлай. 4. Көн һайын күнегеүҙәр башҡарығыҙ. Ауыҙығыҙҙы асығыҙ һәм телде мөмкин тиклем нығыраҡ алға сығарып, уңға-һулға йөрөтөгөҙ. Тағы ла бер күнегеҙ: тамаҡ төбөнән “и” өнөн сығарырға. Көн һайын утыҙар тапҡыр ошо күнегеүҙәрҙе эшләһәгеҙ, өс-дүрт аҙнанан ыңғай һөҙөмтәне тойорһоғоҙ.https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/T-ng-kontsert-men-n-yal-it-a-i-30734/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Стәрлебаш шишмәләре" Газета зарегистрирована (ПИ №ТУ 02-01461 от 05.10.2015 г.) в Управлении Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. УЧРЕДИТЕЛИ: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан, Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан».
25 августа Күмертауҙа БР Эшҡыуарлыҡ көнө билдәләнде. Республика масштабында был байрамды билдәләү хәҙер йолаға әүерелде. 25 августа Күмертауҙа БР Эшҡыуарлыҡ көнө билдәләнде. Республика масштабында был байрамды билдәләү хәҙер йолаға әүерелде. Сараның маҡсаттары — республиканың эшҡыуарлыҡ берләшмәләренең әүҙемлеген арттырыу, эшҡыуарҙарҙы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мөмкинлектәре һәм ойошмалары менән таныштырыу, муниципаль-ара бәйләнештәрҙең сифатын күтәреү. Эш программаһы «Һорау-яуап» форматындағы асыҡ диалог менән башланып китте. Был ҙур эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашыусыларға туранан-тура спикерҙарға — Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдиновҡа, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыевҡа һорау биреү бәхете тәтене. Күпселек һорауҙар эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе гранттар алыу, һалым түләүҙе кәметеү мәсьәләләренә ҡағылды. Сессияла спикер сифатында сығыш яһаусы ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев Күмертауҙа эшҡыуарлыҡ хәлен яҡшыртыу эштәрен башҡарыуҙа ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтте. «Ике тиҫтә йыл эсендә Күмертауҙа власть һәм эшҡыуарлыҡтың партнерҙарса хеҙмәт итеүе ойошторолдо. Беҙҙең барыбыҙҙың да бурыстар дөйөм бит — производствоны һәм социаль өлкәне үҫтереү, ҡала халҡының етешлеген күтәреү, яңы эш урындары булдырыу. Артабан да беҙҙең мөнәсәбәттәр шулай асыҡ һәм ышаныслы булыуын теләйем. Беҙ ошо ышанысты һаҡларға тырышасаҡбыҙ», - тине ул. Журналистарҙың һорауҙарына яуап биргән саҡта Вячеслав Ғиләжетдинов шундай ҙур форумды ни өсөн быйыл Күмертауҙа үткәреүҙәрен аңлатты: «Күмертау ҡалаһы эшҡыуарлыҡ хәле буйынса республиканың ҡала округтары араһында ике йыл рәттән беренсе урынды алды. Шуның өсөн дә ҡалаға шундай мөмкинлек бирелде. Бында идара итеүсе команданың эше юғары кимәлдә», - тип билдәләне ул. Форум программаһында шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, тренингтар һәм эшлекле уйындар үткәрелде. Эшҡыуарҙар бер-береһе менән аралашты, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, уңыштарға һөйөндө. Һәр саҡ тығыҙ эш графигы менән эшләүселәргә ошолай итеп бергә күмәкләшеп осрашыу үҙе бер уникаль күренеш булып тора. 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштереүсе эшҡыуарлыҡ форумы барышында төрлө экскурсиялар ҙа үткәрелде. «Взлетный» паркына, «Ойлтиммаш», «Санйын гипс эшкәртеү комбинаты», «Маяҡ май экстракцион заводы» йәмғиәттәренә сәйәхәт ҡылды улар. Шулай уҡ ҡала поликлиникаһының заманса регистратураһы менән дә танышып сыҡты ҡунаҡтар. Р. ҒӘЛИЕВА Фото ҡала хакимиәте сайтынан Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Быйылғы йәйгә синоптиктар яҡынса фараз яһаған. Ул бигерәк тә ауыл хужалығы тармағы өсөн яҡшы киләсәк, тип белдергән улар. Белгестәр әйтеүенсә, ҡыш йылы булһа – йәй һыуыҡ киләсәк, тигән фекер дөрөҫ түгел. Көн торошоноң нисек булыуын теүәл итеп 1-3 көн генә алдан фаразлап була. Тик ҡайһы бер шарттарға ҡарап, йәйҙе яҡынса фаразларға мөмкин, ти белгестәр. Быйылғы йәйҙә һауа температураһы һәм яуым-төшөм нормаға яҡын булыр, тип көтөлә. Ҡоролоҡ та, һыу баҫыуҙар ҙа булмаясаҡ. Фото: google.ru Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Был ял көндәрендә лә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәтелгән режимда эшләй, рейдтар уҙғара. Юлдарығыҙ имен булһын! Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе... Яҙ, юлдар асылды, хәүефһеҙ хәрәкәт итеү мөмкин, әммә республика юлдарында бының киреһе күҙәтелә. Төндә Әбйәлил районында Ташбулат – Байым – Озерное юлында боролошта “ВАЗ-2110” автомобиле түңкәрелә. Уның 22 йәшлек водителе дауаханаға алып китеп барғанда йән бирә. Кисә Благовещен районында Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 71-се саҡрымында УАЗ “Патриот”, бензин ташыған “КамАЗ” һәм “Skania” йөк автомобилдәре бәрелешә. “КамАЗ” автомобиле водителе шунда уҡ һәләк була. Мәғлүм булыуынса, машинаның цистернаһы буш булған. Кисә 18.00 сәғәттә Благовещен районы биләмәһендә, Өфө – Яңауыл юлында, “Skoda Superb” һәм “Hyundai Accent” автомобилдәре бәрелешә. Һөҙөмтәлә ике транспорттың водителдәре лә, шулай уҡ “Hyundai Accent”тағы ике бала дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ кисә Салауат ҡалаһының Беренсе май урамында ете йәшлек бала электр самокатында сүп-сар ташыған йөк автомобиле аҫтына барып инә. Видеяҙмала күренеүенсә, йөк автомобиле ҡуҙғалып ҡына өлгөрә, һул яҡтан малай үҙе машина алдына сыға. Әле был хәл буйынса ла тикшереү бара. Ғөмүмән, был хәл хәҙер юлдарҙа самокаттарға бәйле ваҡиғаларҙың башланыуына беренсе иҫкәртеү ҙә булып тора. Бәләкәй баланы күҙәтеүһеҙ ошондай хәүефле транспортҡа ултыртып сығарып ебәргән ата-әсәне бер нисек тә аңлап булмай... 14 апрелдә лә республика юлдары тыныс булманы – ун авария теркәлде, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлдө, 12-һе төрлө йәрәхәттәр алды. Дәүләт автоинспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса 1700-ҙән ашыу осраҡты асыҡлаған, 35 эскән водителде тотҡан. Шул иҫәптән Өфөлә үткәүелдән сығып барған ҡатынды һәм ике баланы бәрҙергәндәр. “Volkswagen Jetta” автомобиле водителе уларҙы үткәреү өсөн туҡтаған, әммә уның үҙен арт яҡтан “Kia Sorento” килеп төкөткән. Һөҙөмтәлә йәйәүлеләр зыян күргән. Белорет районы биләмәһендә, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлының 241 саҡрымында, боролошта, билдәһеҙ водитель “ВАЗ-2110” автомобилендә ауҙарыла һәм үҙе ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Авария һөҙөмтәһендә 26 йәшлек пассажир һәләк була, икенсеһе - 42 йәшлек ир - дауаханаға оҙатыла. Аҙаҡ асыҡланыуынса, рулдә 26 йәшлек егет булған. Етмәһә, уның водитель танытмаһы ла юҡ, эскән килеш рулгә ултырған. Әлбиттә, бының өсөн бик ҡиммәт хаҡ түләйәсәк – үҙ яҙмышын селпәрәмә килтерҙе, кеше үлеменә сәбәпсе булды. Ә кем ғәйепле? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ял көндәрендә лә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәтелгән режимда эшләй, рейдтар уҙғара. Сара юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған, эскән водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторола. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юлдарығыҙ имен булһын! Фото: @bash_gibdd. Кеше ғүмерен өҙөп, үҙ яҙмышын да селпәрәмә килтерҙе... Автор:Рәмилә Мусина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Август айы йылы, ҡояшлы көндәре менән генә түгел, йомартлығы менән дә иркәләп рәхәтләндерә. Уны халыҡ юҡҡа ғына көҙ бағыр тип атамағандыр. Был айҙа иҫ киткес шифалы ла, тәмле лә емештәрҙең береһе – муйыл өлгөрә. Һеҙҙең иғтибарығыҙға муйылдан ризыҡтар тәҡдим итәбеҙ. Эслек өсөн муйылды ике тапҡыр ит турағыстан үткәрәләр. Яңы йыйылған муйылдан эшләнә. Кипкән муйыл булһа, тәүҙә 8-10 сәғәт һыуҙа ебетеп алалар. Эслеккә тәменә ҡарап шәкәр һәм май ҡушыла. Муйылды бер юлы әҙер эслек итеп эшләп ҡуйырға ла була. Йыйған ыңғайы муйылды бер-нисә тапҡыр ит тартҡыс аша үткәреп, шәкәр, ҡаймаҡ йә повидло ҡушып болғап, һыуытҡыста йә туңдырғыста һаҡлайһың. Асығауыҙ бешереү өсөн ғәҙәти ләүеш ҡамыры алабыҙ, әсе йәки сөсө ҡамыр булһа ла ярай. Ҡамыр өсөн он, эремсек һыуы йәки кефир (ҡаймаҡ һыуын, май яҙғанда сыҡҡан айранды ҡулланырға ла була) Әсе ҡамыр өсөн 1 балғалаҡ ҡоро сөпрә, 3 йомортҡа, 1 ҡап аҡ май йәки маргарин, 2 балғалаҡ шәкәр, стакан ярым һөт, самалап тоҙ алына. Эслек өсөн Муйыл онтағы, шәкәр, аҡ май, ҡайнар һыу йәки һөт кәрәк буласаҡ. Әҙерләү ысулы Ҡоро сөпрәне аҙ ғына йылымыс һыуға һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе он ҡушып, туғырға һәм ҡабарып сыҡҡансы ултыртып торорға. Аҙаҡ йомортҡа һәм тоҙ ҡушып туғырға. Йомшартылған маргарин, шәкәр, йылы һөт ҡойорға һәм ҡабарып сыҡҡан сөпрәне һалып, ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫырға. Йылы урынға ҡабартырға ултыртып торорға. Эслек өсөн муйыл онона ҡайнар һөт йәки һыу һалып ярты сәғәт бешекләп алабыҙ, тәменә ҡарап шәкәр, май ҡушабыҙ. Ҡабарған ҡамырҙы 45-50 грамлыҡ өлөштәргә бүлеп, йоморо шарҙар әүәләйбеҙ. Уларҙың һәр береһен түңәрәкләп йәйәбеҙ.Сөсө ҡамырҙан яһағанда йоҡа ғына итеп йәйеп, дүрткел өлөштәргә бүләбеҙ. Уртаһына әҙер эслекте һалабыҙ. Йәймәнең ҡапма-ҡаршы ике осон тотоп семтеп йәбештерәбеҙ, ә ҡалған ике осо асыҡ ҡала, асығауыҙ тигән исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Өҫтөн йомортҡаның һарыһы менән майлаһаң, асығауыҙ бигерәк тә ымһындырғыс күренер. Табаға йәки формаға теҙеп, мейестә (духовкала) 200 градуста йөҙө килгәс, 20-30 минут самаһы бешереп алабыҙ. Р.САФИНА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
1 июль – Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Уға бәйле фекерҙәрҙе еткереүҙе дауам итәбеҙ. 1 июль – Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Уға бәйле фекерҙәрҙе еткереүҙе дауам итәбеҙ. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина илдең Төп документында ғаилә ҡиммәттәрен, әсәлекте, аталыҡты, балалыҡты, ир менән ҡатын берлеген никах институты булараҡ яҡлауға бәйле ҡарашын белдерҙе. “Беҙ бөгөн йәшәйештең изгеләрҙән-изге ҡиммәттәре – ғаилә, никах институты – яңынан ҡарауға дусар ителгән "дыуамал донъя"ла йәшәйбеҙ. Ғаилә берлеген ойоштороуҙың төрлө "заманса" сәйер варианттары килеп сыҡты – бер енесле никахтар, беренсе һәм икенсе ата-әсә. Был Фауст (көнбайыш) мәҙәниәте өлгөләре бөгөн киң массаға маҡсатлы күрһәтелә, шул иҫәптән иң беренсе беҙҙең йәш быуынға. Унан да бигерәк, илебеҙҙе кеше иреклегенә һөжүм итеүҙә, уның гендер роле хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләп маташалар. Ватан социомәҙәниәтендә һәм дини йолаларҙа ғаилә никах, лайыҡлы алмаш тәрбиәләү, өлкән быуынға ихтирамлы, хәстәрлекле мөнәсәбәт өсөн яуаплы Ир менән Ҡатындың изге берлеге булып тора. Һәм был йәһәттән башҡа бер ниндәй ҙә үҙгәреш булырға тейеш түгел! Ошо ҡараш ил Конституцияһында нығытыла”. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Күҙҙәрен йомоп өлгөрмәне, ишек асылды ла, Яныбай ағай күренде. Ул мыйығын ышҡый-ышҡый:– Һылыу, шыл әле, йылынып ҡына алам, – тип Ғәмиләнең эргәһенә үк килеп ятты.Бер нәмә аңламаған ҡыҙ, тертләп, һикереп килеп ултырҙы ла: “Йәнбикә апай!”– тип ҡысҡыра башланы.– Тик кенә ят, балаларҙы уятаһың! Апаң иртәнге һауынға китте, ул ярҙам итмәйәсәк, – тип, Яныбай ҡыҙҙы ятҡырырға маташты.Сибек кенә ҡыҙ бала, әллә ниндәй көс менән ирҙе йыға һуҡты ла, балалар йоҡлаған бүлмәгә йүгереп барып инде. Бәләкәй Таһирҙы йоҡлап ятҡан карауатынан һыпыра тартып ҡосағына алды ла, һелкетергә тотондо. Бала ҡурҡышынан ныҡ ҡысҡырып иларға кереште. Ишек төбөндә торған ярты иҫерек Яныбай:– Теймә минең балаға, бар, сығып кит, туңып үл! – тип зыу төштө.Ғәмилә Таһирҙы урынына кире һалды ла, сумкаһын, кейемдәрен ҡосаҡлап, ялан аяҡ көйө, эске күлдәктә генә тышҡа йүгереп сыҡты. Шул килеш туҡталышҡа тиклем барҙы. Табандары ҡарҙы ла, һыуыҡты ла һиҙмәне шикелле. Тулы варианты сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#Хикәйәләр#СәсмәӘҫәрҙәр Үтә һыуыҡ килде быйылғы ҡыш. Асыулы әҙәм һымаҡ, уйламаҫтан буранлай, бөтә тереклекте туңдырырға теләгәндәй, һалҡынлығын көндән-көн көсәйтә. Ҡышҡы йоҡоға ойоған ағастар ҙа хатта шыҡырайып ҡатҡан кеүек, буран ыңғайына ла бөгөлмәй, туп-тура булып ҡатҡан. Яҙға тере ҡалһа ғына ярар ине. Ә йәштәргә бер ни түгел. Йылы, кәүҙәне тулыһынса ҡаплаған шәл бөркәнеп училищеға йүгереп баралар ҙа, шулай уҡ йүгереп тә ҡайталар. Аяҡта йөн ойоҡ, быйма. Ҡулда дебет бейәләй. Аҙна буйы уҡыу нисек тә үтә, тик бына ялға ҡайтыу ҡурҡынысыраҡ. Алыҫ юлда автобустар йыш боҙола. Ғәмилә, Сәриә һәм Таңһылыу – беренсе курс талиптары. Район үҙәгендә һатыусылыҡҡа уҡыйҙар. Инде ике аҙна ауылға ҡайтҡандары юҡ. Был аҙна аҙағында Сәриә түҙмәне, ашарыбыҙға ла бөттө, һағындыҡ, тип әхирәттәрен ҡайтыуға өгөтләне. Ҡыҙҙар оҙаҡ уйламаны, дәрестәр тамамланыу менән, автовокзалға китте. Вокзалда кеше әҙ. Эштән, уҡыуҙан ҡайтыусылар ғына. Ғәмилә, автовокзал тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап, халыҡтың йүгерә-йүгерә, ауыҙҙарыны боҫ сығарып бейей-бейей, һикерә-һикерә тороуҙарын ҡурҡыу менән күҙәтте лә, үҙенең тәне зымбырлап, эҫеле-һыуыҡлы булып киткәнен тойҙо. Шунан әхирәттәренә ҡарап: – Әйҙәгеҙ, ятаҡҡа кире барайыҡ. Тағы бер аҙна түҙәйек инде, түҙгәс. Ярты банка ҡаймағыбыҙ ҡалды, он да ҡалған. Ҡоймаҡ ҡойоп ашарбыҙ, ыумас ыуырбыҙ. Хәҙер юлда автобус боҙола ҡалһа, нишләрбеҙ? Иң алыҫы – беҙҙең ауыл, – тине. – Ҡуй әле, Ғәмилә. Мин мунса кермәй түҙмәйем. Сығыуын сыҡҡас, ауылға етеп, мунса кереп, бер кис йоҡлап киләбеҙ инде, – тип ҡырт киҫте Таңһылыу. Өс әхирәт, мәктәптә лә, училищела ла гел бергә. Йәшәүҙәре лә бер бүлмәлә. Бер-береһенән тыш, тормошто күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Ә был осраҡта, Ғәмилә шул тиклем юлға сығырға ҡурҡһа ла, әхирәттәренең теләгенә ҡаршы төшә алманы. Биш ауылға ун биш кеше ултыртып, автобус эңер төшкәс ҡуҙғалды. Ҡарҙың өҫтөнән елгән шағыр-шоғор тәгәрмәс тауышы эскә үк ишетелеп тора. Бурандан ҡалған ҡар уйнамай, ҡатҡан да ҡуйған. Әммә ҡыҙҙарҙың күңеле көр. Ни тиһәң дә, ҡуҙғалдылар. Бына, кәмендә ике сәғәттән, һәр береһе тыуып-үҫкән йылы өйҙәрендә сәй эсеп ултырыр әле. Туғандарын, атай-әсәйҙәрен ныҡ һағынып өлгөргәндәр. Ғәмиләнең дә шомланыуҙары онотолған һымаҡ булды. Һәр кемеһе үҙ уйҙарына сумып, алға, юлға ғына ҡарап бара. Бөтә тирә-яҡ тынған. Ғаләмдә бары ошо автобус ғына ҡалған кеүек. Мотор тауышы шул тиклем ныҡ геүләй, унда әллә ниндәй өмөтһөҙлөк, кемегеҙ эләкһә лә тотоп ашайым, тип олор ас бүре олоуы ишетелеп ҡалғандай… Яй ғына, аҙаплы итеп, өс ауылды үткәс, халыҡ кәмене. Автобуста өс әхирәт кенә ултырып ҡалды. Уларҙы ҡурҡытырға теләгәндәй, тимер аттың тиҙлеге тағы кәмеп ҡуйҙы. Бара-тора туҡтаны. Водитель егет берсә ҡыҙарынып, берсә аптырап, ул урынды, был урынды ҡапшаны. Тышҡа сығып, та йөрөп инде. Тик автобус бүтән ҡуҙғалманы. – Ҡыҙҙар, ғәфү итегеҙ, боҙолдоҡ. Иртәнге автобус таңғы алтыла була. Мин һеҙҙе эстә ҡалдыра алмайым, өшөрһөгөҙ. Был Үрле ауылда таныштарығыҙ булһа, шуларға, булмаһа, берәйһенә бараһығыҙ инде, хәл юҡ, йәйәүләп тәпәйләй күрмәгеҙ түлкә, – тип мығырҙаны. Сәриә менән Таңһылыу Ғәмиләгә асыулы ҡараш ташланы. Уларҙың ни әйтергә теләгәнен Ғәмилә аңланы, аңлауын, ләкин берәү ҙә бер ни өндәшмәй, яйлап ҡына автобустан төштөләр. Ҡышҡы төн. Ҡапыл бөтәһенекен берҙәй итеп, сикәләрҙе әсе һыуыҡ “әп” итте. Сәриә, түҙмәй, сәрелдәп ебәрҙе. Уның тауышынан Ғәмиләнең күҙҙәре йәшләнде. – Минең әсәйемдең Зилә әхирәте ошо ауылда йәшәй. Әйҙәгеҙ, күмәкләп шунда барабыҙ, – тине Таңһылыу. Уның моңһоу тауышынан һалҡынлыҡ бөркөнө. Ғәмилә, быларҙәң һүҙен йыға алмай юлға сыҡҡанына тағы үкенде. Таныш булмаған кешегә нимә тип өсәүләшеп барып инәһең? Етмәһә, туған да түгел, әсәһенең әхирәте генә. – Мин туҡталышта ҡалам, бәлки берәйһе ат менән булһа ла ҡайтыр. Булмаһа, ошонда таңды аттырырмын әле. Кейемем дә ҡалын, быйманы атайым быйыл ғына табанланы, бейәләйем дә ике ҡатлы… Таңһылыу менән Сәриә, Ғәмиләнең үҙһүҙлеләнеүенә хайран ҡалып, тапанып торҙолар ҙа: – Ғәмиләү, һин ошонда ҡалып тор, беҙ икәүләшеп барып, рөхсәт һорап киләбеҙ ҙә, килеп һине апҡайтырбыҙ. Тик бер ҡайҙа ла китеп юғалма, йәме, – тип китеп барҙылар. Тирә-яҡ тып-тын. Ярай әле, туҡталышты бәләкәй генә лампа яҡтыртып тора. Әләйһә, бигерәк шомло булыр ине. Ара-тирә эттәр өрөүе генә ишетелеп ҡала. Ғәмилә бер ваҡытта ла ошондай ҙа ҡурҡыу тойғаны юҡ ине. Әхирәттәренең аяҡ эҙҙәре тауышы тынғас, йәштәренә ирек бирҙе. Бындай һыуыҡта туңып үлеп ҡалһа, әсәһе, атаһы нишләр? “Балаҡайым”, тип кенә торалар бит. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп булғанға ғына районға уҡырға ебәрергә ризалаштылар. Шулай ҙа аҙна башында атаһы училищеға килеп, ҡыҙын күреп киткәйне. Аҙна аҙағына көндәр йылына тиҙәр, ҡайтһаң, шәп булыр ине, тигән булды. Көтәләрҙер инде. Ғәмилә әсәһенең тәҙрәнән күҙен алмай, ҡапҡаны ел ҡаҡҡан һайын тертләүен күҙ алдына килтерҙе. Эй, атай-әсәйен борсоуҙан тыйылған ҡыҙҙың бындай төндә сит ерҙә япа-яңғыҙы тороп ҡалыу ныҡ йөрәген әрнетте. Шуға ул иланы ла иланы. Ҡапыл уның янынан шәп-шәп атлап, кемдер үтеп китте. Ғәмилә танауын тартып ҡуйҙы. Теге кеше кире боролоп килде лә һаулыҡ һорашты. Олпат ҡына кәүҙәле, мыйыҡлы ағай ине. Ғәмилә уның яғынан эскән алама еҫ һиҙҙе лә, артҡараҡ китте. Ир кеше быны һиҙепмелер, үҙ юлы менән булды. Ун алты йәшлек ҡыҙый туҡталыштың бер эсенә инеп, бер тышына сығып бейене. Гүйә ҡышҡы һалҡын сәпәкәйләп таҡмаҡ әйтә, уға бейемәй түҙеп ҡара! Түҙмәне Ғәмилә, бейене, һикерҙе һәм бер туҡтауһыҙ иланы. Әхирәттәре лә, килеп алырбыҙ тип киттеләр ҙә, вәссәләм! Күпмелер ваҡыт үткәс, ауыл яғынан баяғы ир ике бала эйәртеп килеп етте. – Һылыу, былай өшөп торма, әйҙә, беҙгә киттек. Еңгәң дә өйҙә, – тип һүҙ башланы. Өшөүенән ни эшләргә белмәй, Ғәмилә улай-былай ҡаранды, әхирәттәре киткән юлға бер аҙ текләп торҙо ла, тиҙ генә сумкаһын алып, былар артынан эйәрҙе. – Туҡталышта сибек кенә бер ҡыҙ бала туңып тора, алып ҡайтам да ҡуям. Минән ҡурҡмаҫҡа, балалар менән барып саҡырайым, тип сығып китте ағаң, – тип ҡаршы алды мөләйем хужабикә Ғәмиләне. Йылы сәй эсеп, аш ашап алғас, ҡыҙ йылынып китте. Шул арала ике бәләкәс малай, уның менән уйнарға булып киттеләр. Әллә нисәмә бүлмәле ҙур йортта баҫтырышып алдылар. Шунан өлкәне, Өлфәт исемлеһе йәшенде, бәләкәсе Таһиры Ғәмиләнең елкәһенә ултырып алып, тегеһен эҙләнеләр. Эй, күңелле! Йоҡлар өсөн Ғәмиләгә айырым бүлмә күрһәтте хужабикә Йәнбикә апай. Яныбай ағай, еңгәң, тиһә лә, Ғәмилә апай, ағай тип өндәште. Тыныс ҡына бүлмәлә ҡыҙҙы йоҡо алманы. Улай әйләнде, былай әйләнде. Юлына яҡшы ғына кешеләр осрап, бәләгә тарымауына ҡыуанып, күңеле тулышты. Үҙенең мәңге айырылмаҫ әхирәттәре онотоп китһә лә, ете ят кешенең уны йәлләп килеп тороуын әйт әле. Был ғаиләгә рәхмәт йөҙөнән яҡшылыҡ эшләгеһе килде. Шунан тороп ултырҙы ла, өҫтәлдә бәйләнеп башланған йөн ойоҡто алып, бәйләргә кереште. Бәләкәй генә сағынан эшкә өйрәнеп үҫкән ҡыҙ, бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, бер-ике сәғәттә бер пар ойоҡ бәйләп һалды. Арыуы ла еткәндер, утын һүндереп, тыныс күңел менән урынына ятты. Күҙҙәрен йомоп өлгөрмәне, ишек асылды ла, Яныбай ағай күренде. Ул мыйығын ышҡый-ышҡый: – Һылыу, шыл әле, йылынып ҡына алам, – тип Ғәмиләнең эргәһенә үк килеп ятты. Бер нәмә аңламаған ҡыҙ, тертләп, һикереп килеп ултырҙы ла: “Йәнбикә апай!”– тип ҡысҡыра башланы. – Тик кенә ят, балаларҙы уятаһың! Апаң иртәнге һауынға китте, ул ярҙам итмәйәсәк, – тип, Яныбай ҡыҙҙы ятҡырырға маташты. Сибек кенә ҡыҙ бала, әллә ниндәй көс менән ирҙе йыға һуҡты ла, балалар йоҡлаған бүлмәгә йүгереп барып инде. Бәләкәй Таһирҙы йоҡлап ятҡан карауатынан һыпыра тартып ҡосағына алды ла, һелкетергә тотондо. Бала ҡурҡышынан ныҡ ҡысҡырып иларға кереште. Ишек төбөндә торған ярты иҫерек Яныбай: – Теймә минең балаға, бар, сығып кит, туңып үл! – тип зыу төштө. Ғәмилә Таһирҙы урынына кире һалды ла, сумкаһын, кейемдәрен ҡосаҡлап, ялан аяҡ көйө, эске күлдәктә генә тышҡа йүгереп сыҡты. Шул килеш туҡталышҡа тиклем барҙы. Табандары ҡарҙы ла, һыуыҡты ла һиҙмәне шикелле. Йүгереп түгел, осоп барғандай тиҙлектә, ҡыҙ, әшәке иргә ныҡ рәнйеп, әрнеп, ғәрлегенән уҡшып та алды. Әммә үҙ торошона иғтибар биреп, туҡтап торорға ваҡыт юҡ, шәберәк туҡталышҡа барып ҡына етергә… Әллә ҡурҡыштан, әллә өшөүҙән дер ҡалтырап, зәңкеп, бахыр ҡыҙ саҡ-саҡ кейенде. Ул арала күҙҙән йәштәр сыҡмай, илаһа, бәлки тынысыраҡ булыр ине. Яныбай ағай артынан килеп ҡуймаһын тип, иртәнге автобусты туҡталыштың бер мөйөшөндә йәшенеп, күҙ алдындағы мең күренештәрҙә буталып ҡаршы алды. Үҙен-үҙе тоймай, шулай ҡатҡан килеш атай йортона ҡайтып етте лә, Ғәмилә йығылды. Тора алмайынса өс көн, өс төн һаташҡас, ҡурҡышта ҡалған әсәһе уны район больницаһына алып барып һалды. Унда ҡыҙҙың өшөгән бөйөрҙәрен генә түгел, ҡатҡан йәнен дә дауаланылар. Бер аҙнанан һуң ғына Ғәмилә ул ҡәһәрле төндө күҙ алдынан үткәреп, күҙ йәштәре менән илай алды. Әммә әсәһенә лә, бүтән берәүгә лә ни булғанын һөйләп торманы…Кем белә, бәлки һөйләргә, күңелен бушатырға ла кәрәк булғандыр. Исмаһам, ғүмере буйы мыйыҡлы, алама еҫтәр сығарған ир төштәренә инеп йөҙәтмәҫ, һаташтырмаҫ ине бәлки… Был үтә лә һалҡын ҡыш Ғәмиләне әхирәттәре мәнән дә айырҙы. Дөрөҫөрәге, уларҙың юлдары бүтәнсә киҫешмәне. Бындай "дәресте" ҡыҙҙың йөрәге бер нисек тә аңларға теләмәне. Йәйгә тиклем түҙҙе лә, Ғәмилә педагогия училищеһына уҡырға китте. Йылдар үтте. Ғәмилә хәҙер бәхетле әсә, ҡәҙерле ҡатын. Тыуған ауылында ире Марат менән ике ул үҫтерәләр. Быйыл ғына алты мөйөшлө өйҙәрен бөтөп инделәр. Йорт хужаһы Марат – колхоз машинаһында һөт ташый. Ғәмилә бәләкәстәре менән өй көтә. Бына әле, ире ҡайтыуға тип бишбармаҡ, тултырма бешерҙе лә тәҙрәнән күҙҙәрен алмай, малайҙар менән бергәләп атайҙың ҡайтыуын көтәләр. Ғәҙәттәгенән бигерәк һуңға ҡалды шул бөгөн. Йоҡлар ваҡыттары еткәс, малайҙар ятты. Ғәмилә борсола башланы. Иренә тип башлаған йөн ойоғон да бәйләп бөттө. Ашын да ике ҡабат йылытты. Ҡыштың һалҡын көнөндә өшөп ҡайтһа тип, самауырын да шыжлатты. Төн уртаһы тулып үткәс, кем менәндер һөйләшә-һөйләшә генә килеп инде өйгә Марат. – Ауылға керҙем тигәндә генә, туҡталыш эргәһендә бер машина тәгәрәп ята. Ярай, яңғыҙы булған. Машинаһын сығарырлыҡ түгел, үҙен ҡотҡарҙым, шуға һуңға ҡалдым, бисәкәй, – тип юлдағы хәлдәрен һөйләне ул. – Эй, әйкәйем. Ярай, ярҙам иткәнһең. Бынау сатлама һыуыҡта туңып үлергә бирмәгәнһең, – тип һамаҡлап, Ғәмилә аш-һыуын ҡараны. Марат шкафтан бер яртыһын сығарып, ишек төбөндә тапанған ҡотҡарылыусыһына тотторҙо: – Бар, бынау бүлмәгә инеп ыуын, сирләп китмә. Теге әҙәм, рәхмәтен әйтеп, бүлмәгә үтеп, үҙен тәрбиәләне. Хужабикә өҫтәленә һыйҙарын теҙгәс, яғымлы ғына тауыш менән ашарға саҡырҙы. – Һаумыһығыҙ, – тип аш бүлмәһенә теге ир килеп инде. Ғәмилә, йылмайып уға ҡараны. Ҡапыл уның ҡулынан тәрилкәһе төшөп китте. Ғәмилә һаулыҡ һорашып торманы. Телһеҙ ҡалғандай булып, ҡатты ла ҡуйҙы. Бынан теүәл ун биш йыл элек булған ҡәһәрле төн күҙ алдынан үтте. Яныбай ағай ҙа Ғәмиләне танып ҡыҙарынды. Хужабикә, иренә ҡарап: – Мин балалар янына ятам, ҡунағыңды үҙең яҡшылап ҡара, – тине лә, йоҡо бүлмәһенә йүнәлде… Яныбай ағайҙы икенсегә осратҡандан һуң оҙаҡ ауырыны Ғәмилә. Бер ай өйөндә ятҡас, фельдшер уны районға ебәрҙе. Унда ла оҙаҡ дауаланды. Диагноз ҡуя алманылар. Бөтә тәне ауырта, ҡурҡыныс итеп һаташа, тәнен ҡыбырлата алмай ине ул. Күңеле әрнене Ғәмиләнең. Бәҫ баҫты. Имһеҙләнде. Ниҙәр кисергәнен үҙе генә белә. Күҙҙәрен йомһа, ялан аяҡ килеш йәнде алырлыҡ һыуыҡ ҡарҙан йүгерә. Ҡаршыһына мыйыҡлы, һаҫыҡ ир килеп сыға… Ғәмилә ҡысҡыра алмай… Оҙаҡ ятты ул дауаханала. Палаталаштары дауаланып сыға торҙо. Урындары ла буш ҡалманы, яңыларын килтереп һала торҙолар. Бер мәл, шул тиклем алсаҡ ҡатын килеп ятты. Танышып, һөйләшеп киттеләр. Теге саҡ төндә туҡталған Үрле ауылынан булып сыҡты. “Үрле” тигәнде ишеткәс, Ғәмиләнең йөрәге жыу итеп ҡалды. Шулай ҙа үҙен ҡулға алды. Йәнбикә апай, уларҙың балалары тураһында, элекке таныштарым, тип һорашты. – Йәнбикә ғүмере буйы һауынсы булып эшләне, әле лә шунда. Ире, Яныбайы, ныҡ эсте. Уның урынында башҡа берәү булһа, әллә ҡасан яр һалыр ине. Юҡ, Йәнбикә ундайҙарҙан түгел. Зарланғанын һис ишеткәнем булманы. Яныбайҙы әйтәм, үлеп ҡалды бит. – ? – Эйе, эсеүе башына етте үҙенең. Ул бисараны теге ауыл осонда туҡталыш бар бит әле, шунда таңға тапҡандар. Бер мөйөштә бөршәйеп кенә ултыра ине, тиҙәр. Туңып үлгән. Әле кисә ҡуйҙылар. Ә малайҙары... шәп, уларҙың береһе – әрмелә, икенсеһе ҡайһылыр ерҙә уҡый …
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: бөгөн кистән һауа торошо боҙола. Һәм ул тәүлек дауамында шулай һаҡланасаҡ: алмашыныусан болотло, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, күк күкрәүе, борсаҡ булыуы күҙаллана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан секундына 7-12 метр (көсәйгәндә 18-гә тиклем) тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә – 10-15, төньяҡ төбәктә 2-7 градус йылы. Көндөҙ иһә – 13-18, көньяҡ өлөштә 24-кә тиклем етеүе ихтимал. Өфөлә лә тәүлек дауамында һауаның алмашыныусан болотло булыуы, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан секундына 7-12, көсәйгәндә 16 метр тиҙлектә иҫер. Һауа температураһы төндә - 8-10, көндөҙ 14-16 градус йылы. https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ta-y-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации сайта разрешено только с пись менного согласия администрации.
“Ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһы нигеҙендә Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе үҙәге Иҙелбәктә “ЙӘШТӘР” паркы төҙөлә. “Ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһы нигеҙендә Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе үҙәге Иҙелбәктә “ЙӘШТӘР” паркы төҙөлә. Әле унда буласаҡ спорт һәм уйын майҙансыҡтарына бетон түшәлгән, тротуар плитәләре, бордюр һалынған, ҡойма ҡуйыла башлаған, өлөшләтә яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Яҙҙың тәүге айында йылы көндәр һалҡындар менән аралашып килеүсән. Баҡсасыларға был мәлдә тышта эш әллә ни күп түгел. Март айында баҡса эштәре Ағастарҙың тамырҙары туңмаһын өсөн уларҙың төбөндәге ҡар ҡатламын нығытып торорға кәрәк. Был температура үҙгәреп торған мәлдә ағастарҙы һаҡлаясаҡ. Ҡыуаҡтарға ятҡан еүеш ҡарҙы һелкетеп төшөрөргә кәңәш ителә. Марттың тәүге яртыһында ҙурыраҡ һауыттарға ҡар тултырып ҡалырға була. Был һыуҙы яҙ башында үҫентеләргә һибәләр. Теплицаға ҡар тултырыу ундағы тупраҡты дымға туйындырасаҡ. Был айҙа емеш ағастарын ҡояштан һаҡлау сараһын күрегеҙ. Әгәр ҙә көҙ­ҙән, һис булмаһа, февраль айында ула­рҙың олонон аҡламаған булһағыҙ, бы­ны мартта эшләргә кәрәк буласаҡ. Аҡ­лау өсөн эзбиз иретмәһе иң яҡшыһы. Ямғырҙарға бирешмәй торған махсус иҙелмә әҙерләргә лә була. 10 литрлы биҙрә өсөн 2-3 кг аҡбур, 500 г баҡыр купоросы, 100 г казеиндан яһалған елем кәрәк. Баҡыр купоросын ҡайнар һыуҙа һәм казеиндан яһалған елемдә иҙәләр, аҡбур өҫтәйҙәр. Иҙелмә ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Ағас олонон мотлаҡ ер йылынғансы ағартырға, шул саҡта ағасты зарарлы бөжәктәрҙән дә һаҡлаясаҡһығыҙ. Ағастар яланғас саҡта ботаҡтарҙағы ҡоротҡостарҙың ояларын йыйып алығыҙ. Еҙәй күбәләге, ғәҙәттә, ирга, сирень, энәлек, муйылда ҡышлай, бындай оянан яҙын 70-кә яҡын күбә­ләк сығасаҡ. Ояларҙы йыйып алғас, яндырырға. 10 л һыуға 1 кг эзбиз һа­лып иҙергә һәм уны ағастарҙың ботаҡ­тарына һиптерергә. Әгәр ҙә ағастарҙың ботаҡтарында зарарланған урындар булһа, һалҡын­дар үткәс тә, уны үткер бысаҡ менән таҙартырға. Тимер йәки баҡыр купо­росы иҙелмәһе менән зарарһыҙланды­рырға, баҡса ыуары (ҡайнатылған ыҫмала) менән йәбештерергә. Марттың икенсе яртыһында, көн­дәр минус 5 градустан юғарыраҡ кү­тәрелгәс тә, ағастарҙың ботаҡтарын ҡырҡырға ярай. Сирле, ҡороған, дөрөҫ үҫмәгән ботаҡтарҙы ҡырҡырға. Төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡош­тар яҡшы һаҡлай. Шуға ла ҡар иремәҫ элек баҡсаға ҡош оялары эшләп элергә. Был ваҡытта сифатлы ашлама һа­тып ала башларға ла була. Түтәлдәргә янған тиҙәк һалыу ғына етмәй. Ту­праҡта калий аҙ булһа, ҡыярҙар төрлө дөрөҫ булмаған формала үҫә. Калий ағас көлөндә күп. Яҙғы һыуҙар менән тиҙ иреүсән калий ерҙең аҫҡы ҡатлам­дарына китмәһен өсөн уны түтәл әҙерләгәс кенә һибеү яҡшыраҡ. Айбикә ЯҠУПОВА. "Киске Өфө"нән. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Халыҡтың спорт инфраструктураһын файҙаланыу тәртибе Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән. Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Яңылыҡ республика милкендәге һәм тейешле объекттары булған барлыҡ белем биреү учреждениеларына ҡағыла. Исемлектә спорт һарайҙары, боҙ ареналары, спорт үҙәктәре, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, спорт майҙансыҡтары, спорт һәм уйын залдары, стадиондар бар. Мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары етәкселеге раҫлаған тәртип буйынса дәрестән тыш ваҡытта теләгән һәр кем спорт залдарында шөғөлләнә ала. Хеҙмәттәр бушлай, льготалы һәм түләүле булырға мөмкин. Ҡарар президент Владимир Путиндың «2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары тураһында» указына ярашлы ҡабул ителде. #Путин Башинформ. Автор: Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Яңы йылдың ун көнөндә бөтәһе 8 сабый тыуған: 5 малай, 3 ҡыҙ. Улар барыһы ла Мәсәғүт перинаталь үҙәгендә яҡты донъяға килгән. Ә бына 2018 йылда районда иң тәүге бәпес булып Йонос ауылынан Байдәүләтовтар ғаиләһенең улдары тыуҙы. Йәш ғаилә уға Ильяс тип исем ҡушты. Тимәк, ғәрәп телендә ул бик ныҡ, еңелмәҫ, тигәнде аңлата. Йонос егете Азат Флорис улы менән Мәсетле ауылы һылыуы Рита Борис ҡыҙы 2016 йылдың декабрендә өйләнешкән. Ильяс – уларҙың беренсе балалары һәм тәүге шатлыҡтары. Ғаилә башлығы – шофер, Себерҙә эшләй, Рита – юғары белемле юрист. Атай-әсәй булыу бәхетен татыған йәштәрҙе һәм әүҙем хәбәрсебеҙ Гөлнур Байдәүләтованы өләсәй булыуы менән ҡотлайбыҙ. Бәпестәре үҙҙәренә иш булып, иҫән-һау үҫһен! Ир кеше тәүҙә керһә, йыл уңышлы була, тиҙәр. Бәләкәс Ильястың да ҡул арты еңел булһын. Районыбыҙҙа бәпестәр тыуып торһон, ғаиләләр ишәйһен. Был бигерәк тә быйылғы Ғаилә йылында мөһим. Юҡҡа ғына ил Президенты ла, республика Башлығы ла тыуымды арттырыу, ғаиләләрҙе дәртләндереү маҡсатында бер-бер артлы указдар ҡабул итмәне бит. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Кеше эше менән матур, тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән. Моңло йырҙары, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән район мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индереүсе Ризида һәм Дим Ғәлимовтар башҡарған эштәр ҙә һоҡланырлыҡ. Редакциябыҙ иғлан иткән “Йәнтөйәк” бүләк итәм!” хәйриә акцияһына ла улар йыл да ихлас ҡушыла. Дим Ғарифйән улы 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙылып, уны Ҡышлауйылға мәктәбенең илһөйәр, телһөйәр уҡыусыһы Динар Шәрифхановҡа бүләк итте. Тырыш егет район һәм республика конкурстарында әүҙем ҡатнашыуы менән билдәле. Хәйриә акцияһына ҡушылыусы Ғәлимовтар ғаиләһенә — афарин! Ҡалған етәкселәр һәм изге эштәргә битараф булмаған райондаштарыбыҙ ҙа уларҙан өлгө алып, акцияға әүҙем ҡушылыр, тип ышанып ҡалабыҙ! Эльмира Шәйхуллина фотоһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
25 июндән Башҡортостанда йәшәүсе граждандар күсемһеҙ милекте Росреестр порталында электрон юл менән “Шәхси кабинет” сервисында ла теркәй аласаҡ. Ошо көндән Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрының (ФГИС ЕГРН) Федераль дәүләт мәғлүмәти системаһында эшләүгә күсә. Ул Күсемһеҙ милек объекттары дәүләт кадастры (ГКН) һәм Берҙәм дәүләт хоҡуҡ реестры (ЕГРП) базаларын берләштерәсәк. Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрының (ФГИС ЕГРН) төп бурысы булып берҙәм теркәү-регистрациялау процедураһын электрон форматта алып барыу, мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө сифатын күтәреү, Росреестр күрһәткән дәүләт хеҙмәттәрен модернизациялау, уларҙы күрһәтеүҙең ваҡытын ҡыҫҡартыу тора. Республика буйынса Росреестр идаралығы хәбәр итеүенсә, 25 июндән Росреестрҙың рәсми сайтында, https://rosreestr.ru/оформить һылтанмаһы буйынса күсемһеҙ милекте фәҡәт “Шәхси кабинет” сервисы аша теркәп буласаҡ. “Шәхси кабинет”ҡа инеү өсөн Дәүләт хеҙмәтәре сайтында, www.gosuslugi.ru һылтанмаһы буйынса раҫланған мәғлүмәттәр булырға тейеш. Быларҙың барыһы ла милек менән бәйле хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, теркәү ваҡытын ҡыҫҡартыу, милеккә бәйле мәғлүмәттәрҙең иҫәбен алып барыу һәм анализлау өсөн эшләнә. “Был үҙгәрештәр төбәктәге Росреестр идаралығының көндәлек эшендә бер нисек тә сағылмаясаҡ. Хеҙмәттәр артабан да закон менән билдәләнгән ваҡыт эсендә нисек күрһәтелгән, шулай уҡ тулы күләмдә күрһәтеләсәк, шул иҫәптән, күп функциялы үҙәктәрҙә лә”, – ти Башҡортостан буйынса Росреестр иаралығы етәксеһе Петр Клец. Гульдар Кинзябаева Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
«Юшатыр» гәзите 2017 йылдың 1 декабрендә сыҡҡан 96-сы һанында Яңы Мораптал ауылының Үҙәк урамында, йәғни Өфө-Ырымбур трассаһында тиҙлекте сикләү буйынса тейешле юл билдәһе булмауы хаҡында минең һорауыма, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, үҙенсә яуап эҙләп ҡарағайны. «Юшатыр» гәзите 2017 йылдың 1 декабрендә сыҡҡан 96-сы һанында Яңы Мораптал ауылының Үҙәк урамында, йәғни Өфө-Ырымбур трассаһында тиҙлекте сикләү буйынса тейешле юл билдәһе булмауы хаҡында минең һорауыма, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп, үҙенсә яуап эҙләп ҡарағайны. Проблеманың ни тиклем мөһим икәнлеген бының өсөн яуаплы етәкселәр, хеҙмәткәрҙәр ваҡытында дөрөҫ төшөндө булһа кәрәк. Ниһайәт, ошо көндәрҙә ауылдың Үҙәк урамында тиҙлекте 40 км. тиклем сикләй торған юл билдәһе урынлаштырылды. Хәҙер авариялар, юл фажиғәләре булмаҫ, тип ышана морапталдар. Бының өсөн иң беренсе сиратта «Юшатыр» гәзите редакцияһына, был изге эш өсөн яуаплы һөнәр эйәләренә оло рәхмәттәремде еткерәм. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбенең абруйлы уҡытыусыларының бе-реһе – юғары категориялы математика һәм физика уҡытыусыһы Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы Иҙрисова хаҡында яҙмабыҙ. Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Фәнилә мәктәптә уҡығанда теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Шуға ла ул мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Юғары белемгә эйә булған дипломлы йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Новосибирск өлкәһенә мөғәллимлек итергә ебәрәләр. Әммә ярты йыл эшләгәс, әленән-әле үҙенә тартып, саҡырып торған тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була уға. Йәш мөғәллимәне Йөҙимән мәктәбенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Хеҙмәт юлын был мәктәптә башлаған уҡытыусы бөгөн дә бында балаларға белем биреүен дауам итә һәм үҙен ысын педагог итеп танытты. - Миңә Йөҙимән мәктәбендә эшләп китеүе бер ҙә ҡыйын булманы, сөнки бындағы уҡытыусыларҙың яртыһы тиерлек ауылдаштарым – Сәйетбабанан инеләр. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бер төптән эшләнек. Аллаға шөкөр, эшемдән ҡәнәғәтмен, коллективым бик һәйбәт, тормошҡа ла зарланмайым. Етәкселәрҙән, элеккеләренән дә, хәҙергеһенән дә уңдыҡ, ябай, кеше хәленә инә белеүсәндәр, кешелеклеләр, - ти Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы ҙур ҡәнәғәтлек менән. Эш дәүерендә мөғәллимә яңылыҡҡа ынтылыусан, төрлө методикаларҙы ҡулланып, балаларға төплө белем биреүсе үҙ фәнен яҡшы белгән уҡытыусы булып таныла, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, ата-әсәләрҙең хөрмәтенә лайыҡ ул бөгөн. Уҡытыусының эш һөҙөмтәләре лә юғары. Уҡыусылары физика-математика фәндәре буйынса район олимпиадаларында, фәнни-эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрәләр. Өс тиҫтә йылдан артыҡ мөғәллимлек итеп, бай тәжрибәгә эйә булған физика-математика уҡытыусыһының күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде. Был былтыр 55 йәшен билдәләгән Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙының юбилейына ҙур бүләк булды. Йөҙимән мәктәбенә эшкә килеп, бәхетен дә бында таба һәм, тыуған ерҙән төшкән ер яҡын тигәндәй, ауыл икенсе йәнтөйәгенә әйләнә. Әхәт Әмир улы менән яҙмышын бәйләп, өс балаға ғүмер бирәләр. Улдары Азат - Салауатта, Ғәзиз - Мәскәүҙә, ҡыҙҙары Әлфиә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҙҙәре яратып һайлаған һөнәрҙәр бу-йынса эшләп йөрөйҙәр. Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы Йөҙимәндә күптән үҙ кешегә әйләнгән. Бына шулай 35 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған һәләтле математик Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы үҙ артынан матур эҙ ҡалдырып йәшәй һәм эшләй. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Юғары дәүләт наградаһы бөгөн биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән биш тиҫтәгә яҡын гүзәл затҡа тапшырылды. Башҡортостанда әлеге ваҡытта 50 мең самаһы күп балалы әсә иҫәпләнә. Улар 160 меңдән ашыу сабыйға ғүмер бүләк иткән. 1998 йылдан республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. Ошо йылдар эсендә юғары дәүләт наградаһына 7 мең 967 гүзәл зат лайыҡ булған. Бөгөн бүләкләнеүселәр һаны тағы ла 49 әсәгә артты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова гүзәл заттарҙы тәбрикләп, уларға рәхмәт белдерҙе һәм ишле бала табыуҙан ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы. Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ, социаль сәйәсәт һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ, тине ул. Бүләкләнеүселәр төрлө райондарҙан килгән, улар араһында төрлө быуын, милләт вәкилдәре бар. Гүзәл заттарҙың күбеһе ишле бала тәрбиәләргә лә, эшләп йөрөргә лә өлгөрә. Улар әйтеүенсә, награданың яңы йыл алдынан, йылдар алышынған тарихи мәлдә тапшырылыуы айырыуса иҫтәлекле. Үҙҙәренең ғаилә байрамдарын билдәләүселәр ҙә бар, Әбйәлилдән Мәғәфүровтарҙың бөгөн туй көнө, ә Баймаҡтан Килмөхәмәтовтар иртәгә улдарын өйләндерергә йыйына, бәхетле кешенең ҡыуаныслы мәлдәре лә бергә, ти улар. Әсәләр ишле бала тәрбиәләүҙең дә ауырлығын күрмәй. Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, ишле ғаиләлә балалар ярҙамсыл, эшһөйәр булып үҫә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
Бөгөн Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй. Бөгөн Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф суммаһы граждандарға – 3-4 мең, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, юридик берәмектәргә – 150-200 мең һум. Ҡабаттан боҙған өсөн граждандарға – 4-5 мең, вазифалы кешеләргә – 40-50 мең, юридик берәмектәргә 200-250 мең һум штраф ҡаралған. Шуны билдәләп үтәйек: тиҙҙән республиканың ошо ҡануниәттәге тәжрибәһен федераль кимәлдә лә ҡулланыуҙары мөмкин. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
— Миңә нисә йәш икәнен беләһеңме? — тип һораным мин. — Әлбиттә, беләм, — тип яуапланы Паттерсондан (АҠШ, Нью-Йорк штаты) шылтыратҡан Исак Марей. Был һөйләшеүгә ниндәй ваҡиғалар килтерҙе? Тормош юлым хаҡында һөйләп бирергә теләйем. МИН 1936 йылдың 10 декабрендә Уичито ҡалаһында (АҠШ, Канзас штаты) ғаиләлә иң өлкән бала булып тыуғанмын. Ата-әсәйем Уильям һәм Джин Йәһүәгә хеҙмәт итә ине. Атайым йыйылыш хеҙмәтсеһе булды (ул ваҡытта йыйылышта яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған ағай-ҡәрҙәштәрҙе шулай атанылар). Әсәйем Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте үҙенең әсәһенән — Эмма Вагнерҙан белгән. Эмма Изге Яҙманы күп кешеләр, шул иҫәптән Гертруд Стил исемле ҡыҙ менән дә өйрәнде. Һуңыраҡ Гертруд күп йылдар Пуэрто-Рикола миссионер булып хеҙмәт иттеa. Бала сағымдан уҡ минең янымда өлгө алырлыҡ күп кеше булды. ЯҠШЫ ӨЛГӨ КҮРҺӘТКӘНДӘР Атайым урамда үтеп барған кешеләргә журналдар тәҡдим итә Миңә биш йәш булғанда, бер шәмбе кисендә беҙ атайым менән урамда осраған кешеләргә «Күҙәтеү манараһы» һәм «Йыуаныс» (хәҙер «Уянығыҙ!») журналдарын тәҡдим итеп йөрөй инек. Икенсе бөтә донъя һуғышының иң ҡыҙған мәле. Ҡапыл бер иҫерек ир (ул табип ине), килеп сығып, атайымды нейтралитет һаҡлағаны өсөн битәрләй башланы. Ул: «Һин — ҡурҡаҡ бәндә! Әйҙә, тондор миңә», — тип аҡырҙы. Ҡотом осһа ла, атайым менән ғорурланып торҙом. Ул, бер ни булмағандай, йыйылып киткән кешеләргә журналдар тәҡдим итеүен дауам итте. Үтеп барған һалдатты күреп ҡалып, теге ир: «Был ҡурҡаҡты берәй нәмә эшләтегеҙ!» — тип ҡысҡырҙы. Уның иҫерек икәнен күргәс, һалдат уға: «Бар, ҡайт. Йоҡлап айнығып ал!» — тине. Улар китте. Шул осраҡты иҫкә төшөргәндә, мин Йәһүәнең атайыма ҡыйыулыҡ биргәнен аңлайым. Уичитола атайым ике бөҙрәхана тотто, ә теге табип уның клиенты ине! Ата-әсәйем менән Уичитоға конгресҡа китеп барабыҙ (1940-сы йылдар) Миңә һигеҙ йәш тулғас, ата-әсәйем йортобоҙҙо һәм бөҙрәханаларҙы һатты. Шунан беҙ, тәгәрмәсле өй алып, вәғәзселәр етмәгән ерҙә хеҙмәт итер өсөн, Колорадоға күстек. Беҙ Гранд-Джанкшен ҡалаһы янында урынлаштыҡ. Ата-әсәйем пионер булып хеҙмәт итте һәм көнөнә бер нисә сәғәт кенә фермала эшләне. Йәһүә уларҙың тырыш хеҙмәтен фатихаланы, һәм ул ерҙә йыйылыш ойошторолдо. 1948 йылдың 20 июнендә атайым мине һәм тағы бер нисә кешене, шул иҫәптән Билли Николзды һәм уның ҡатынын тау йылғаһында һыуға сумдырҙы. Күпмелер ваҡыт үткәс, Билли ҡатыны менән район хеҙмәтендә ҡатнашты. Һуңыраҡ уларҙың улы менән килене шундай уҡ хеҙмәткә билдәләнде. Беҙ йыш ҡына Батшалыҡ эше өсөн бөтә көсөн һалған ҡәрҙәштәр менән бергә ваҡыт үткәрҙек һәм улар менән рухи темаларға аралаштыҡ. Миңә айырыуса Стил ғаиләһе — Дон һәм Эрлин, Дейв һәм Джулия, Сай һәм Марта оҡшай ине. Улар минең тормошома көслө йоғонто яһаны. Уларҙың өлгөһөндә мин шуны аңланым: Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйыу тормошто мәғәнәле һәм бәхетле итә. ТАҒЫ ЮЛҒА Миңә 19 йәш булғанда, ғаиләбеҙҙең дуҫы Бад Хейсти мине үҙе менән бергә, Ҡушма Штаттарҙың көньяғына күсеп, пионер булып хеҙмәт итергә саҡырҙы. Район күҙәтеүсеһе беҙгә Растонға (Луизиана штаты) күсергә тәҡдим итте, унда күп вәғәзселәр актив түгел ине. Беҙ, нисә кеше килеүенә ҡарамаҫтан, аҙна һайын бөтә йыйылыш осрашыуҙарын үткәрергә тейеш инек. Беҙ осрашыуҙар үткәрер өсөн уңайлы урын таптыҡ һәм уны яраҡлы хәлгә килтерҙек. Һәр осрашыуҙы үткәрһәк тә, бер ни тиклем ваҡыт беҙҙән башҡа бер кем дә килмәне. Осрашыу пункттарын сиратлашып үткәрҙек — беребеҙ сәхнәлә булды, беребеҙ бөтә һорауҙарға яуап биреп ултырҙы. Ә сәхнәләштереү күрһәтер өсөн, беҙ, икебеҙ ҙә сәхнәгә сығып, буш зал алдында сығыш яһай инек! Ваҡыт уҙыу менән бер оло йәштәге апай-ҡәрҙәш осрашыуҙарға йөрөй башланы. Ахыр сиктә, Изге Яҙманы өйрәнеүселәр һәм актив булмаған вәғәзселәр беҙгә ҡушылды, һәм тиҙҙән йыйылыш, нығынып, гөрләп сәскә ата башланы. Бер көндө беҙ Бад менән Мәсих сиркәүенең хеҙмәтсеһен осраттыҡ. Ул Изге Яҙманың миңә таныш булмаған өҙөктәре хаҡында һөйләне. Был мине шаҡ ҡатырҙы һәм нимәгә ышанғаным хаҡында тәрән уйланырға этәрҙе. Аҙна буйы мин төнгә тиклем шул кеше күтәргән һорауҙарға яуаптар эҙләнем. Был миңә хәҡиҡәттә төпләнергә ярҙам итте һәм башҡа сиркәү хеҙмәтсеһен осратырға ҙур теләк тыуҙырҙы. Күп тә үтмәҫтән, район күҙәтеүсеһе миңә, йыйылышҡа ярҙам итер өсөн, Эль-Дорадоға (Арканзас штаты) күсергә тәҡдим итте. Унда күскәс, миңә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына йөрөр өсөн, йыш ҡына Колорадоға барырға тура килде. Шундай бер сәйәхәт ваҡытында минең менән башҡа пионерҙар ҙа булды. Техаста беҙ аварияға эләктек, һәм машинам яраҡһыҙ хәлгә килде. Беҙ бер ағай-ҡәрҙәшкә шылтыраттыҡ, ул беҙҙе өйөнә алып ҡайтты, ә шунан йыйылыш осрашыуына алып барҙы. Йыйылышта беҙҙең менән булған хәл хаҡында иғлан ителде, һәм ҡәрҙәштәр, ҙур изгелек күрһәтеп, беҙгә аҡсалата ярҙам итте. Бынан тыш, теге ағай-ҡәрҙәш машинамды 25 долларға һата алды. Беҙ Уичито ҡалаһына барып еттек. Унда ғаиләбеҙҙең яҡын дуҫы Эверидж Маккартни пионер булып хеҙмәт итә ине. Уның Фрэнк һәм Френсис исемле игеҙәк улдары һаман да минең яҡын дуҫтарым. Улар миңә үҙҙәренең иҫке машинаһын 25 долларға һатты, ә бит ватылған машанамды һатыу арҡаһында минең тап шул хәтле аҡсам бар ине. Ул ваҡытта мин беренсе тапҡыр шуны асыҡ күрҙем: Алла Батшалығы тормошомда беренсе урында торһа, Йәһүә мине бар кәрәкле әйберҙәр менән тьәмин итәсәк. Маккартниҙар ғаиләһендә ҡунаҡта булғанда, улар мине Бетел Крейн исемле һөйкөмлө апай-ҡәрҙәш менән таныштырҙы. Уның әсәһе Рут Веллингтон ҡалаһында (Канзас штаты) ашҡынып вәғәзләй ине. 90 йәшендә лә ул пионер хеҙмәтен дауам итте. Бер йыл да үтмәне, 1958 йылда беҙ Бетел менән өйләнештек, һәм ул минең менән бергә Эль-Дорадола пионер булып хеҙмәт итә башланы. ЯҢЫ БОРОЛОШ Беҙ бала саҡтан уҡ белгән кешеләрҙең яҡшы өлгөләре тураһында уйланып, Йәһүә ойошмаһынан сыҡҡан һәр ҡайһы саҡырыуҙы ҡабул итергә ҡарар иттек. Беҙҙе Уолнат-Риджға (Арканзас штаты) махсус пионер итеп билдәләнеләр. Ә 1962 йылда беҙҙе яңы боролош көтә ине — беҙ Гилеад мәктәбенең 37-се синыфында уҡырға саҡырыу алдыҡ. Синыфташыбыҙ Дон Стил буласағын белгәс, беҙ шул тиклем ҡыуандыҡ! Мәктәпте тамамлағас, беҙ Найроби ҡалаһына (Кения) билдәләндек. Нью-Йорктан илай яҙып китһәк тә, Найроби аэропортында ағай-ҡәрҙәштәрҙе күргәс, тағы ла иларҙай булдыҡ, әммә хәҙер инде ҡыуаныстан! Найробиҙа Мэри һәм Крис Канайа менән вәғәзләйбеҙ Беҙ шунда уҡ Кенияға ғашиҡ булдыҡ, ә унда хеҙмәт итеү беҙгә шул тиклем күп шатлыҡ килтерә ине! Рухи уңыштар яһаған беренсе өйрәнеүселәребеҙ Крис һәм Мэри Канайа булды. Улар һаман да Кенияла тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша. Киләһе йылда беҙгә Кампала ҡалаһында (Уганда) беренсе миссионерҙар булып хеҙмәт итергә тәҡдим иттеләр. Ул ғәжәп ваҡыт ине: бихисап күп кеше Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынды һәм Йәһүә шаһиты булып китте. Әммә Африкаға күсеп килгәндән һуң өс йыл ярым үтеүгә беҙ, тыуасаҡ балабыҙҙы үҫтерер өсөн, Ҡушма Штаттарға ҡайттыҡ. Африканан киткәндә, күҙ йәштәребеҙҙе туҡтата алманыҡ — унан китеүе Нью-Йоркты ҡалдырғандан да ауырыраҡ булып сыҡты. Беҙ ерле кешеләрҙе бөтә йөрәктән яраттыҡ һәм берәй ваҡыт Африкаға кире ҡайтырға өмөтләндек. ЯҢЫ ВАЗИФА Беҙ Колорадоның көнбайышында, ата-әсәйем йәшәгән яҡта төпләндек. Тиҙҙән беренсе ҡыҙыбыҙ Кимберли һәм тағы йыл ярымдан һуң Стефани тыуҙы. Беҙ ата-әсә вазифаһын бик етди ҡабул иттек һәм ҡыҙҙарыбыҙҙа хәҡиҡәткә яратыу үҫтерергә тырыштыҡ. Беҙҙең дуҫтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙҙан өлгө алғыбыҙ килде. Әммә беҙ, балалар тәрбиәләүгә айыҡ ҡараш һаҡлап, шуны аңланыҡ: яҡшы өлгө балаларға көслө йоғонто яһаһа ла, был уларҙың Йәһүәгә хеҙмәт итәсәген аңлатмай әле. Ҡустым менән һеңлем хәҡиҡәттән китте, ләкин мин ҡасан да булһа улар яңынан, Алла ойошмаһына ҡайтып, тоғро ҡәрҙәштәрҙән өлгө алыр тип өмөтләнәм. Балалар тәрбиәләү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә ине. Беҙ бөтә эштәрҙе бергә башҡарырға тырыштыҡ. Танылған тау саңғыһы курорты Аспен ҡалаһы (Колорадо штаты) янында йәшәгәнгә, беҙ, йышыраҡ бергә булыр өсөн, саңғы шыуыу менән шөғөлләнергә ҡарар иттек. Подъёмникта тауға күтәрелгән саҡта беҙ ваҡытты ҡыҙҙарыбыҙ менән аралашыр өсөн ҡулландыҡ. Шулай уҡ беҙ походтарға йөрөй торғайныҡ. Беҙгә, усаҡ янында йыйылып, ихлас әңгәмәләр ҡороу шул тиклем оҡшай ине! Ҡыҙҙарыбыҙ әле йәш үҫмер саҡтарында шундай һорауҙар хаҡында уйланды: үҫкәс, мин нимә менән шөғөлләнермен? Ниндәй кешегә кейәүгә сығырға теләр инем? Беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙың аҡылына һәм күңеленә рухи хазиналар һеңдерергә тырыштыҡ, шулай уҡ тулы ваҡытлы хеҙмәтте маҡсат итеп ҡуйырға һәм шундай уҡ маҡсатҡа ынтылған тормош иптәшен һайларға дәртләндерҙек. Беҙ уларҙың бик иртә кейәүгә сыҡмау ни тиклем аҡыллы икәнен аңлауын теләнек һәм хатта бындай девиз уйлап сығарҙыҡ: «23 тулғансы, кейәүгә сыҡмай торсо!» Ата-әсәләребеҙҙән өлгө алып, беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөр өсөн һәм даими вәғәзләр өсөн күп көс һалдыҡ. Тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәр йыш ҡына беҙҙә туҡтай торғайны. Беҙ шулай уҡ балаларға үҙебеҙ миссионер булып хеҙмәт иткән иҫ киткес ваҡыт тураһында күп һөйләнек. Беҙ йыш ҡына, дүртәүләп Африкаға барып ҡайтыу шәп булыр ине, тип әйтә торғайныҡ. Ҡыҙҙарыбыҙға был фекер бик оҡшай ине! Беҙ һәр ваҡыт ғаилә өйрәнеүе үткәрҙек һәм мәктәптә була алған хәлдәрҙе сәхнәләштерҙек. Ҡыҙҙар, Йәһүә шаһиттарының ролен башҡарып, һорауҙарға яуап бирергә тейеш ине. Ундай ҡыҙыҡтырғыс сәхнәләштереүҙәр уларға үҙ-үҙҙәренә ышаныс өҫтәне. Үҫә төшкәс, улар, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә ултырырға теләмәгәнгә, ҡайһы ваҡыт мыжый ине. Бер мәл мин, ҡыҙҙар менән ни эшләргә лә белмәйенсә, ғаилә өйрәнеүе булмай тиеп, уларға бүлмәләренә инеп ултырырға ҡуштым. Улар аптырап китте һәм, өйрәнергә теләйбеҙ, тип иларға тотондо. Шул ваҡытта беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙың йөрәгендә хәҡиҡәт өсөн рәхмәт тойғоһо үҫтерә алғаныбыҙҙы аңланыҡ. Улар өйрәнеүҙе яратып китте, һәм беҙ һәр ваҡыт уларҙы үҙ хис-тойғолары тураһында асыҡтан-асыҡ әйтергә дәртләндерҙек. Әлбиттә, ҡай саҡ ҡыҙҙарыбыҙҙың ниндәйҙер тәғлимәттәр менән риза булмағаны хаҡында ишетеү ауыр була торғайны. Әммә шулай итеп беҙ уларҙың күңелендә нимә булғанын белә алдыҡ. Беҙ сабыр ғына улар менән фекер алыштыҡ, һәм улар Йәһүәнең ҡараштарын үҙләштерә барҙы. ЯҢЫНАН ҮҘГӘРЕШТӘР Балалар тәрбиәләү проекты беҙ көткәндән дә тиҙерәк тамамланды. Алла ойошмаһының күрһәтмәләрен ҡулланып, беҙ бар көсөбөҙгә уларҙа Йәһүәгә яратыу үҫтерергә тырыштыҡ. Ҡыҙҙарыбыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң пионер хеҙмәтен башлағас һәм үҙҙәрен тәьмин итер өсөн кәрәкле һөнәргә эйә булғас, беҙ бик ҡыуандыҡ. Улар ике апай-ҡәрҙәш менән Кливлендҡа (Тенесси штаты) — вәғәзселәргә ихтыяж булған ҡалаға күсеп китте. Ҡыҙҙарыбыҙҙы бик ныҡ һағынһаҡ та, уларҙың үҙ тормошон тулы ваҡытлы хеҙмәткә бағышлауына сикһеҙ шатландыҡ. Беҙ Бетел менән яңынан пионер хеҙмәтен башланыҡ, һәм беҙҙең алда яңы мөмкинселектәр асылды. Мине район күҙәтеүсеһе урынбаҫары итеп билдәләнеләр, шулай уҡ мин конгрестар ойоштороуҙа ҡатнаштым. Тенессиға күсер алдынан, ҡыҙҙарыбыҙ Лондонға (Англия) барҙы һәм ундағы филиалда үткәрелгән экскурсияла булды. Унда Стефани Пол Нортон исемле йәш вефилсе менән танышты, ул саҡта ҡыҙыбыҙға 19 ғына йәш ине. Һуңыраҡ, Лондонға йәнә барғанда, Кимберли Полдың хеҙмәттәше Брайан Ллуэллин менән танышты. Стефаниға 23 йәш тулғас ҡына, улар Пол менән өйләнеште. Кимберли иһә киләһе йылда, 25 йәшендә Брайанға кейәүгә сыҡты. Шулай итеп ҡыҙҙар девизыбыҙ буйынса эш итте. Беҙ уларҙың һайлауы менән бик ҡәнәғәт булдыҡ. 2002 йылда Пол, Стефани, Кимберли һәм Брайан менән Малави филиалы алдында Ҡыҙҙарыбыҙ әйтеүенсә, беҙ һәм ата-әсәләребеҙ күрһәткән өлгө уларға, хатта матди ауырлыҡтар кисергәндә лә, Ғайсаның «иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ» тигән әмере буйынса эш итергә ярҙам иткән (Матф. 6:33). 1998 йылдың апрелендә Пол менән Стефани Гилеад мәктәбенең 105-се синыфында уҡырға саҡырылды, ә шунан улар Малавиға (Африка) билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта Брайан менән Кимберли Лондондағы Вефилдә хеҙмәт итергә саҡырылды, ә һуңыраҡ уларҙы Малавиҙағы филиалға күсерҙеләр. Беҙ ифрат шатландыҡ, сөнки йәштәр өсөн бынан да яҡшыраҡ тормош юлы юҡ. КӨТӨЛМӘГӘН САҠЫРЫУ 2001 йылдың ғинуарында биографияның башында әйтеп кителгән һөйләшеү булды. Тәржемә итеү төркөмдәрен хеҙмәтләндереү бүлегенең күҙәтеүсеһе Марей ҡәрҙәш бөтә донъялағы тәржемәселәргә инглиз телен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итер өсөн курстар үткәреләсәген аңлатты. Ул миңә, шул курстарҙа уҡытыусыларҙың береһе булыр өсөн, кәрәкле белем алырға тәҡдим итте. Ул ваҡытта миңә 64 йәш ине. Беҙ Бетел менән был хаҡта доға ҡылдыҡ һәм олоғайған әсәйҙәребеҙ менән кәңәшләштек. Улар икеһе лә, ярҙамыбыҙҙан башҡа ҡаласағын белһә лә, тәҡдимде ҡабул итеүебеҙҙе теләне. Мин, Паттерсонға шылтыратып, был хөрмәтле вазифаны шатлыҡ менән ҡабул итербеҙ, тинем. Әсәйемә ҡапыл рак диагнозы ҡуйҙылар. Мин уға, һине ҡарарға һеңлем Линдаға ярҙам итер өсөн ҡалабыҙ, тинем. «Уйлама ла! — тине әсәйем. — Унда бармаһағыҙ, мин үҙемде тағы ла насарыраҡ хис итәсәкмен». Линда шундай уҡ фекерҙә ине. Беҙ уларға фиҙаҡәрлек рухы күрһәткәндәре өсөн, шулай уҡ ярҙам иткәндәре өсөн урындағы ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлебеҙ! Күҙәтеү манараһының Паттерсондағы өйрәтеү үҙәгенә сығып киткән көндөң иртәгәһенә Линда, шылтыратып, әсәйҙең үлеүе хаҡында хәбәр итте. Беҙ, әсәйебеҙ теләгәнсә, башкөллө яңы эшкә сумдыҡ. Беҙ барырға тейеш беренсе филиал Малавиҙағы филиал икәнен белгәс, беҙ бик ҡыуандыҡ, сөнки унда ҡыҙҙарыбыҙ ирҙәре менән хеҙмәт итә ине. Ниһайәт, беҙ яңынан бергә булдыҡ! Малавиҙан һуң беҙ Зимбабвеға, ә шунан Замбияға барҙыҡ. Өс йыл ярым беҙ тәржемәселәрҙе өйрәттек, ә һуңынан беҙҙән, кире Малавиға барып, нейтралитет арҡаһында эҙәрләүҙәр кисергән Йәһүә шаһиттарының осраҡтарын яҙып алыуыбыҙҙы һораныларb. Ейәнсәрҙәребеҙ менән хеҙмәттә 2005 йылда, күҙҙәребеҙ яңынан йәш менән тулып, беҙ кире Басолт ҡалаһына (Колорадо штаты) ҡайттыҡ һәм пионер хеҙмәтен дауам иттек. 2006 йылда Брайан менән Кимберли, ике ҡыҙҙарын Маккензи һәм Элизабетты тәрбиәләп үҫтерер өсөн, беҙҙең эргәгә ҡайтып төпләнде. Пол менән Стефани элеккесә Малавиҙа йәшәй, унда Пол Филиал комитетының ағзаһы булып хеҙмәт итә. Оҙаҡламай миңә 80 йәш туласаҡ. Күп йылдар минең менән эшләгән йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәрҙең яуаплы вазифалар алыуын күреү бик һөйөнөслө, ә бит ҡасандыр шул вазифаларҙы мин үҙем башҡарғайным. Беҙ бик бәхетле ғүмер кисерҙек, һәм беҙҙең аҡыллы балаларыбыҙ менән ейәнсәрҙәребеҙ бар — был фатихалар, күбеһенсә, беҙ туғандарыбыҙҙан һәм дуҫтарыбыҙҙан өлгө алырға тырышҡанға мөмкин булды. a Стил ғаиләһе ағзаларының нисек миссионер булып хеҙмәт иткәндәре хаҡында күберәк белергә теләһәгеҙ, «Күҙәтеү манараһы»ның (ингл.) 1956 йылдың 1 май һанында 269—272-се биттәрҙе һәм 1971 йылдың 15 март һанында 186—190-сы биттәрҙе ҡарағыҙ. b Мәҫәлән, 2015 йылдың 15 апрель һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 14—18-се биттәрендә баҫтырылған Трофим Нсомбаның биографияһын ҡарағыҙ.
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türkçe isiXhosa Íslenska Čeština Ελληνικά Башҡортса‎ Беларуская Мова Български Македонски Јазик Русский Српски Українська Мова Қазақша עִבְרִית اَلْعَرَبِيَّةُ اُردُو فارسی नेपाली मराठी मानक हिन्दी বাংলা ਪੰਜਾਬੀ ગુજરાતી தமிழ் తెలుగు ಕನ್ನಡ മലയാളം සිංහල ไทย ລາວ မြန်မာ ქართული ენა አማርኛ ភាសាខ្មែរ ᠮᠣᠩᠭᠣᠯ ᠬᠡᠯᠡ ᮘᮞ ᮞᮥᮔ᮪ᮓ 日本語 繁體中文 ꦧꦱꦗꦮ 한국어 Йыш бирелә торған һорауҙар MomSexGames нимә ул? MomSexGames - был донъяла иң ҙур ҡалаларының береһе менән берләшмәһенең иң яҡшы уйындарының түләүһеҙ порноигра придачу! MomSexGames көн һайын меңләгән кеше килә, өйрәнергә беҙгә төрлө сценарийҙар өсөн, бөтә енси һәм енси настроить беҙҙең бушлай квесты персонаждар үҙе башҡарырға тырыша. Мин түләргә тейеш-юҡ, уйнау өсөн MomSexGames? Һәр саҡ бушлай булды һәм булып ҡала MomSexGames. уйнап уйнаным. Беҙҙең команда тәьмин итеү бурысын үҙ өҫтөнә ала, модель булыу өсөн беҙҙең тотош тематизировать freemium тирә-яҡ атамаларына, әммә был мәжбүри тулыһынса һатылып бөтә. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, һеҙгә кәрәк булған нәмәләр һатып алманы, әммә беҙ һеҙҙең хупларға мөмкин, әгәр теләһәгеҙ. Минең ни өсөн һеҙҙең кредит карталарын мәғлүмәт кәрәк? Беҙ бурыслы кешене төрлө органдарының лицензия буйынса беҙҙә 18 йәштән өлкәнерәктәр генә уйынға бирелеү, уйын менән бөтә донъя буйынса. Кеше бәлиғ булмағандар менән көрәшеү өсөн, тырышырға бирергә MomSexGames, бөтә йәштәгеләр өсөн беҙ кредит карталарын ҡулланып уникаль уйынсы аутентификация системаһын тикшереү. MomSexGames уйынсыһына реаль эсендә булғанығыҙ бармы? Бәлки, многопользовательский MomSexGames һеҙҙең кеүек уйнаны, сөнки был форматтарҙың һәм яңғыҙ! Беҙҙең тәжрибә ҙур өлөшө тейешле иғтибар однопользовательский булмай, әммә беҙ был бигүк алыҫ киләһе турын да яҡшыртыу өсөн яңы инструменттар һәм функциялары өйөмдәрҙе сығарырға планлаштырыла многопользовательский раят – күҙәтеп яңыртыу! Бәлки, мин уйнаны һәм mac ios айланмалар? Д. Шулай уҡ План һәм ios ярҙамында, шулай уҡ мөмкинлегенә эйә кулланыусылар өсөн android мобиль яйланма MomSexGames өсөн уйнай. Әлегә һеҙгә инергә булдыҡ Chrome, Firefox Safari йәки, теләсә ниндәй төҙөлөшө менән тәьмин MomSexGames һеҙҙең ярҙам менән проблемалары булған, улары һеҙҙең ихтыярҙа. Был фантастик әйбер – был ысынлап та шулай! Ә пользовательский әйтерһең секс-мод? Бөтә төр ярҙамы ҙур булды беҙгә төрлө модификациялы, шулай уҡ етәкселек һәм инструменттар йыйылмаһы, шулай әйбәтерәк движок менән төрлө әйберҙәр эшләй башлай һәм беҙҙе ҡарай алмай хатта. PMM моддинг берләшмәләре яратам, һәм улар беҙҙең өсөн форум да бар. Мин кәрәк икән, интернетҡа тоташыу өсөн уйнай? Әгәр телисез икән, ҡуллана беҙҙең фараздар ғына браузерный, һеҙ әүҙем интернетҡа тоташыу кәрәк, бөтәбеҙ өсөн загрузить файл,әммә ул саҡта һеҙ автономлы режимға күсә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә үҙ клиенттары өсөн һеҙҙең компьютерҙа windows өсөн ысын тәжрибә һәм mac автономиялы автономиялы шулай булды. Бәлки, мин был ҡоролманы бер нисә уйын уйнай? Шул уҡ үрҙә телгә алырға, теләһә ниндәй уйындар MomSexGames мөмкинлектәре әлеге ваҡытта кулланыусылар тоташтырылған, уның әгәр Firefox булып, Chrome Safari йәки теләсә ниндәй төҙөлөшө. Был ышаныслы һәм хәүефһеҙ? Д. MomSexGames ашырыу буйынса протокол HTTPS кереште. Шулай уҡ һеҙҙең электрон почта адресы беҙ генә һаҡлана, һәм ҡулланыусы исеме пароль хеш был яҙмалар – бына барыһы да. Юҡ, кәрәкмәй миңә,-тип ҡуйҙы, уйнау өсөн MomSexGames? Юҡ. Firefox браузеры сездә бар әлегә, йәки Safari Chrome, MomSexGames һеҙгә уйнай алмайым, үҙең бер нәмә лә ҡоролмаған. Минең урында ни өсөн мин башҡа яуап индереүгә йүнәлтергә һуң? Беҙ күп партнерҙар менән эшләгәндә, уйын өсөн яҡшы тәжрибә һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Был ресурстарҙың ҡайһы берҙәре сит скачать уйын өсөн кәрәк.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы тарафынан төҙөлгән медицина учреждениеларын асыу тантанаһында Владимир Путин ҡатнашасаҡ. Тик онлайн форматта. Псков һәм Великие Луки ҡалаларында Рәсәйҙең Оборона министрлығы тарафынан төҙөлгән медицина учреждениеларын асыу тантанаһында Владимир Путин да ҡатнаша. Әммә ҡотлау һүҙҙәрен ул видео-конференция форматында еткерәсәк. Великие Луки һәм Псков ҡалаларында хәрби төҙөүселәр 200 һәм 100 урынлыҡ күп профилле медицина үҙәктәре төҙөнө. Был учреждениелар заманса ҡормалдар - компьютер томографиялары, анестезиология, эндоскопия, экстракорпораль мембраналы оксигинация ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Улар ил президентының ҡушыуы буйынса төҙөлгән. Быға тиклем Оборона министрлығы хәрби госпиталдәр нигеҙендә Рәсәйҙең 15 төбәгендә 16 күп профилле медицина үҙәген асты, шулай уҡ Воронежда - 1, Дағстанда 3 үҙәк сафҡа индерелде. Уларҙы асыу тантанаһында Владимир Путин видео-конференция бәйләнеше аша ҡатнашты. Ул хәрби көстәр ярҙамында төҙөлгән үҙәктәрҙең тиҙ арала сафҡа индерелеүенә алдан бигүк ышанмауы хаҡында әйтте. Путин был үҙәктәрҙең коронавирусҡа ҡаршы көрәштә генә түгел, төбәктәрҙәге һаулыҡ һаҡлау өлкәһен дөйөм яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнаясағы тураһында ла һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. © РИА Новости / Алексей Дружинин Перейти в фотобанк Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
26 декабрҙә быйыл өсөнсө һәм һуңғы тапҡыр ҡояш тотоласаҡ. Тәбиғәт торошо аяҙ булған хәлдә, һирәк осрай торған астрономик күренеште Башҡортостан халҡы ла күҙәтә аласаҡ. 26 декабрҙә быйыл өсөнсө һәм һуңғы тапҡыр ҡояш тотоласаҡ. Тәбиғәт торошо аяҙ булған хәлдә, һирәк осрай торған астрономик күренеште Башҡортостан халҡы ла күҙәтә аласаҡ. - Быйыл 6 ғинуарҙа – өлөшләтә, 2 июлдә тотош ҡояш тотолоу күренеше теркәлһә лә, республикала уны күҙәтеп булманы. Иртәгәге тотолоу дүңгәләк формаһында буласаҡ һәм иң оҙағы 3 минут 40 секунд дауам итәсәк. Ҡояш 09.39 минутта сығасаҡ һәм ғәҙәти булмағанса күренәсәк: дискыһының аҫҡы өлөшө “тешләнгән” булып тойолор. Ай ҡояш дискыһын 13 процентҡа ҡаплаясаҡ. Максималь тотолоу 09.43 сәғәттә теркәләсәк. Ҡара тап күҙ алдында бәләкәйләнеп, юҡҡа сығыр һәм ҡояш тотолоуы тамамланыр, - тип аңлаталар Өфө планетарийы хеҙмәткәрҙәре. https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/oyash-totolouin-k-rm-y-alma-i-54179/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Эйлестан" Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ №ТУ02-01373 от 29 июля 2015 г.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлгә ашырып, республикабыҙҙа ҡалаларҙы йәшелләндереү һәм күркәмерәк итеүгә етди иғтибар бирелә. #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын ғәмәлгә ашырып, республикабыҙҙа ҡалаларҙы йәшелләндереү һәм күркәмерәк итеүгә етди иғтибар бирелә. Өфө халҡы ла тиҙерәк көндәр йылытып, баш ҡаланың йәшеллеккә, сәскәләргә күмелеүен көтә. Ҡала бюджетынан ошо маҡсатта 300 миллион һум аҡса бүленә, ул сумма ике йылға иҫәпләнгән. Өфө “Горзеленхоз” ойошмаһы уның 97,5 миллион һумын сәскәләр, ҡыуаҡлыҡтар һәм ағастарҙы тәрбиәләүгә, 167 миллион һумға яҡынын үҫентеләр үҫтереүгә һәм килтереүгә тотонасаҡ. 42 миллион һумға үҫемлектәр һатып алынасаҡ. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ әсәләр эйә булған һөнәрҙәр исемлегендә - психолог, ашнаҡсы, тегенсе, бухгалтер, администратор һәм башҡалар. Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының "Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклем балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” тигән төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Был проект өс йәшкә тиклемге бала ҡарау буйынса декрет отпускыһында булған йәш әсәләрҙе, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән, эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙы уҡытыуға һәм белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Бөгөнгә 260 ҡатын-ҡыҙ уҡыуын тамамлаған, тағы 25 йәш әсә белем алыуын дауам итә. Шуларҙың егермеһенә йүнәлтмәне эш биреүсеһе биргән, башҡалары курсҡа халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренән килгән. Әйткәндәй, программала ҡатнашыусыларҙың 62 проценты - мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ әсәләр. Улар эйә булған һөнәрҙәр исемлегендә - психолог, ашнаҡсы, тегенсе, бухгалтер, администратор һәм башҡалар. Алдағы биш йылда был программа буйынса 1300 ҡатын-ҡыҙ өҫтәмә белем аласаҡ. Йыл да ошо маҡсатта 74,1 миллион һум аҡса бүленәсәк. Бер кешегә уртаса 46,3 мең аҡса сарыф ителәсәк, уҡыу ваҡыты өс ай тәшкил итәсәк. #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: safeweightlossideas.com Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/s-yg-esh-k-r-k-494559/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Кисә “Өфө” аэропорты Шанхайҙан килгән самолетты ҡаршы алды. “Аэрофлот” компанияһы хеҙмәтләндергән рейс Шанхай – Мәскәү – Өфө – Новосибирск маршруты буйынса бара. Ҡытайҙан тыуған яғына 17 яҡташыбыҙ һәм күрше төбәктәрҙән 24 кеше ҡайтты. Кисә “Өфө” аэропорты Шанхайҙан килгән самолетты ҡаршы алды. “Аэрофлот” компанияһы хеҙмәтләндергән рейс Шанхай – Мәскәү – Өфө – Новосибирск маршруты буйынса бара. Ҡытайҙан тыуған яғына 17 яҡташыбыҙ һәм күрше төбәктәрҙән 24 кеше ҡайтты. Туристарҙы алып ҡайтҡан рейсты 2-се терминалда хеҙмәтләндерҙеләр. Таможня һәм сик контролен пассажирҙар Мәскәүҙә “Шереметьево” аэропортында үткән. Өфөлә уларҙың тән температураһын тикшерҙеләр, "Роспотребнадзор" белгестәре мотлаҡ ике аҙналыҡ изоляция үтеү тураһында ҡарар тотторҙо. Башҡортостан кешеләре өсөн терминалда коронавирус инфекцияһына анализ биреү өсөн медицина пункты ойошторолдо. Татарстан, Удмурт республикалары, Пермь крайы, Силәбе һәм Һамар өлкәләре граждандарын алып ҡайтыу өсөн үҙ властары автобустар ебәргән ине. 34 транзит пассажир шул уҡ рейс менән Новосибирскиға юлланды. Фото: “Өфө” аэропорты матбуғат хеҙмәте. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы тамамланды. Бөгөн конкурс комиссияһы ултырышында уға йомғаҡ яһалды. Конкурс еңеүселәре, призерҙары һәм номинанттары 17 октябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында иғлан ителә. Ошо кесаҙна иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем телеканалда призерҙарҙы һәм номинанттарҙы бүләкләү тантанаһы була. «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы икенсе йыл рәттән үткәрелеп килә. Уның ойоштороусылар – «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан» ДТРК ДУП-һы. Конкурс республиканың тораҡ пункттарында урындағы үҙидараны үҫтереү, халыҡтың үҙ биләмәләрендә урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм уның абруйын күтәреү, тыуған илгә, ауылға һөйөү тәрбиәләү, ауылда йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Конкурста Башҡортостандың 5000-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдары ҡатнаша. Төп шарт – ауыл халҡының йыйылышта конкурста ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итеүе, шулай уҡ муниципаль район етәкселегенең тәҡдиме. Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Беҙҙең аш һеңдереү системаһы көн ахырына табан активлығын һиҙелерлек кәметә. Шуға ла ул кисен хатта бик-бик файҙалы булған ризыҡты ла тейешенсә үҙләштерә алмай һәм беҙ ашҡаҙаныбыҙҙа ауырлыҡ һиҙәбеҙ. Итте барыбыҙ ҙа ярата. Ләкин белгестәр уны киске ашҡа ҡулланырға кәңәш итмәй, сөнки һыйыр ите үҙләштерелһен өсөн 4-6 сәғәт ваҡыт кәрәк икән. Киске аш өсөн күркә, тауыҡ ите яҡшы. Туңдырма. Уны яратмаған кем бар икән? Ләкин был десертҡа күп май һәм шәкәр өҫтәлә, шуға уны кис ашау йоҡоно ҡасыра һәм һимертә, ти белгестәр. Брокколи һәм төҫлө кәбеҫтә иң шифалы ризыҡтарҙан һанала. Ләкин уларҙы үҙләштереү ҙә кисен организмға ауыр бирелә икән. Кетчуп. Бик-бик яратһағыҙ ҙа, киске ашты унһыҙ ғына ашағыҙ, ти табиптар. Составында шәкәр күп булған кетчуп ҡанда шәкәр кимәлен күтәрә, һимереүгә килтерә. Ҡара шоколад. Беҙ уны ла бик-бик файҙалы ризыҡ тип беләбеҙ. Ләкин уны етештереүселәрҙең барыбер ҙә шәкәр ҡушыуы тураһында онотмайыҡ. Ҡара шоколадта шулай уҡ кешегә йоҡларға ҡамасаулыҡ иткән үҙенсәлекле аминокислота ла бар икән. Ҡыҫҡаһы, ҡара шоколадты көн дауамында аҙ-аҙлап ашағыҙ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
«Рәсәй электрон мәктәбе» платформаһында сәләмәт һәм дөрөҫ туҡланыуға арналған дәрес башлана. Был программа «Демография» милли проектының «Сәләмәт туҡланыу» проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Видео-сюжеттар форматындағы дәрес «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерция булмаған ойошма тарафынан «Туҡланыу һәм биотехнология федераль тикшеренеү үҙәге», Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте, «Мәғариф» компания төркөмө менән берлектә булдырылған. Уның маҡсаты – уҡыусыларға туҡланыу рационы һәм тәртибе нимә булыуын, ни өсөн уларҙы үтәргә кәрәклеген, кеше өсөн кәрәкле матдәләр теҙмәһен, шулай уҡ теге йәки был аҙыҡ-түлектең калориялылығын аңлатыу. Дәрес аҙағында бөтә ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа алынған белемдәрен интерактив эштәр аша тикшерә ала. Әлеге сәләмәт туҡланыу программаһына 2024 йылға тиклем Рәсәйҙең 80 төбәгенән 30 миллиондан ашыу кешене йәлеп итеү күҙаллана. Фото: интернет селтәренән. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Йәй. Уның тап уртаһына ла килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Көндәр шулай йәйге ығы-зығы, мәшәҡәттәр менән үтә шул. Бына еләктең дә ваҡыты уҙып бара. Йәй. Уның тап уртаһына ла килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Көндәр шулай йәйге ығы-зығы, мәшәҡәттәр менән үтә шул. Бына еләктең дә ваҡыты уҙып бара. Бер үк ваҡытта ҡайын, ер, ҡурай еләктәре, көртмәле өлгөрә. Берәүҙәр әле баҡсаһындағыһын сүпләһә, икенселәр иһә урмандан йыйып алып ҡайтып, һатырға ла сығара. Был аҙнала Малаяҙ ауылындағы шаршамбы баҙарында емеш-еләк һатҡандар башҡа йылдарҙан кәм түгел ине. Мәҫәлән, Башҡорт Илсекәйенән килгән бер ханым көртмәле тәҡдим итте. 5 литрлыҡ биҙрәне 2 меңгә һата. Сыбаркүл ауылынан бер ғаилә ер еләге, ҡыҙыл ҡарағат, баҡса еләге һатырға килтергәйне. Хаҡтары быйыл күпкә ҡиммәт. 5 литрлыҡ биҙрәлә ер еләгенең, ҡыҙыл ҡарағаттың хаҡы – 1000 һум, ҡара ҡарағаттыҡы – 1500 һум. Ә ҡайын еләге 2000 һум тора. Ырымбурҙан килтерелгән сейәнең 5 литрын 500 һумға һаталар ине. Бына шулай баҙарҙа хаҡтар. Мәлендә аҡса эшләп ҡалырға була. Иренмә генә. Гөлшат ШӘМСЕТДИНОВА. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.