raw_text
stringlengths 3
806
| fixed_text
stringlengths 3
807
| idx
int64 0
23.9k
|
---|---|---|
Шунда ук әсәйемдең тоҡсайын, төйөнсөктәрен күҙ алдына килтерәм... | Шунда уҡ әсәйемдең тоҡсайын, төйөнсөктәрен күҙ алдына килтерәм... | 0 |
Минең генә бер кешем дә юҡ, тип шунда уҡ танауымды тарта башлайым. | Минең генә бер кешем дә юҡ, - тип шунда уҡ танауымды тарта башлайым. | 3 |
Ай йөрөгән, ти, йыл йөрөгән, ти, батыр, ете тауҙы үгкән, ете даръяны кискән, ти. | Ай йөрөгән, ти, йыл йөрөгән, ти, батыр, ете тауҙы үткән, ете даръяны кискән, ти. | 4 |
Ҡарт яңынан һүҙгә керешкән: - һинең кеүек егет сағымда минең һеңлемде аждаһа урланы. | Ҡарт яңынан һүҙгә керешкән: - Һинең кеүек егет сағымда минең һеңлемде аждаһа урланы. | 5 |
«Ҡөҙрәт менән торғандай тораһың инде, Мансур ағай», ти уға өләсәй. | «Ҡөҙрәт менән торғандай тораһың инде, Мансур ағай», - ти уға өләсәй. | 8 |
Ҡайһы саҡта Фәрхениса әбейҙе лә эйәртә. | Ҡайһы саҡта Фәрхениса әбейҙә лә эйәртә. | 9 |
Уҡыйяҙа белһәм, улдарыма үҙ фатихаларымды үҙем яҙып ебәрер инем. | Уҡый-яҙа белһәм, улдарыма үҙ фатихаларымды үҙем яҙып ебәрер инем. | 11 |
Унан башҡортса һөйләп бирә: - Көнбикә апайым әйткән: «Ун алтыһында ҡайтып төшәбеҙ, станцияға ат ебәрһендәр, - тигән, - сәләм», тигән. | Унан башҡортса һөйләп бирә: - Көнбикә апайым әйткән: «Ун алтыһында ҡайтып төшәбеҙ, станцияға ат ебәрһендәр, - тигән, - сәләм», - тигән. | 13 |
Калайыраҡ, тотлоғоп та торманы, сатнатып уҡыны ла бирҙе. | Ҡалайыраҡ, тотлоғоп та торманы, сатнатып уҡыны ла бирҙе. | 14 |
Ул башта, тартмаға әкрен генә ҡулын һуҙып, баҡа ҡабырсағын тотоптотоп ҡараны, унан һуң имән сәтләүектәрен алды. | Ул башта, тартмаға әкрен генә ҡулын һуҙып, баҡа ҡабырсағын тотоп-тотоп ҡараны, унан һуң имән сәтләүектәрен алды. | 16 |
«Аҡрыныраҡ баҫып йөрөгөҙ, таш табандар!» - ти беҙгә Мараттьщ өләсәһе. | «Аҡрыныраҡ баҫып йөрөгөҙ, таш табандар!» - ти беҙгә Мараттың өләсәһе. | 19 |
Беҙ уларҙың ҡулдарын тотонопггорҙоҡ та бер-береһенә өсәр тапҡыр: «Дуҫмы?» | Беҙ уларҙың ҡулдарын тотоношторҙоҡ та бер-береһенә өсәр тапҡыр: «Дуҫмы?» | 20 |
Тыпгга дауыл ҡупһа, ҡайын осоп китерҙәй булып сайҡала башлай. | Тышта дауыл ҡупһа, ҡайын осоп китерҙәй булып сайҡала башлай. | 21 |
Баҡсага инербеҙ, Йырлашып йөрөрбөҙ, Флагтар ҡаҙарбыҙ, Лагерҙар яһарбыҙ... | Баҡсаға инербеҙ, Йырлашып йөрөрбөҙ, Флагтар ҡаҙарбыҙ, Лагерҙар яһарбыҙ... | 23 |
А-а-на, Йәмил, алдағы тракторҙың сәскесенә баҫҡан беҙҙең әсәйҙер әле, - ти Оксана. | А-а-на, Йәмил, алдағы тракторҙың сәскесенә баҫҡан беҙҙең әсәйҙәр әле, - ти Оксана. | 24 |
«Ана, минең балаларым ҡайҙа менеп ултырғандар!» - тиҙер әле ул. Үҫкәс, беҙ ҙә бойҙай сәсербеҙ әле, Оксана, эйе бит? | «Ана, минең балаларым ҡайҙа менеп ултырғандар!» - тиҙер әле ул. - Үҫкәс, беҙ ҙә бойҙай сәсербеҙ әле, Оксана, эйе бит? | 25 |
Ул шунда ук бүрәнә өҫтөнә баҫып күрһәтә. | Ул шунда уҡ бүрәнә өҫтөнә баҫып күрһәтә. | 27 |
Беҙҙең оста ундай һары сәсле ҡыҙ берәү генә. | Беҙҙең оҫта ундай һары сәсле ҡыҙ берәү генә. | 28 |
Сәүкә осолғас, эй ҡыҙыҡ булыл, ти Фәһимә. | Сәүкә осолғас, эй ҡыҙыҡ булыл, - ти Фәһимә. | 29 |
Мин һиҙмәй ҙә ҡалдым һеңлем бәпкә янына тороп йүгерҙе. | Мин һиҙмәй ҙә ҡалдым - һеңлем бәпкә янына тороп йүгерҙе. | 30 |
«Ой .бәләкәсем, тәпәйең ауырттымы әллә?» - тип ҡаҙ бәпкәһен күтәреп алмаҡсы булды. | «Ой бәләкәсем, тәпәйең ауырттымы әллә?» - тип ҡаҙ бәпкәһен күтәреп алмаҡсы булды. | 31 |
Ике күҙеңаэ лә ас әле, улым, - ти миңә Мансур бабай, - хайуан түгел был ҡаҙ, дошман был. | Ике күҙеңде лә ас әле, улым, - ти миңә Мансур бабай, - хайуан түгел был ҡаҙ, дошман был. | 32 |
Беҙ бөтәбеҙ ҙә: «Марат булһын, Марат булһын», тибеҙ. | Беҙ бөтәбеҙ ҙә: «Марат булһын, Марат булһын», - тибеҙ. | 33 |
Уның ҡояпгга янған битендә бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары ялтырап тора. | Уның ҡояшҡа янған битендә бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары ялтырап тора. | 34 |
Ул Маратҡа боролоп, өҫтәп ҡуя: - һин дә отрядыңды алып кил, вожатый, яраймы? | Ул Маратҡа боролоп, өҫтәп ҡуя: - Һин дә отрядыңды алып кил, вожатый, яраймы? | 35 |
Мәгеҙ, инде һеҙ бүтән түтәлдәрҙе тырматығыҙ, тине әсәй, - ә мин ҡаҙырға тотонам. | Мәгеҙ, инде һеҙ бүтән түтәлдәрҙе тырматығыҙ, - тине әсәй, - ә мин ҡаҙырға тотонам. | 37 |
Юрамал ғына ти, әсәй,- бишенсе алмағас кемгә булыр икән? | Юрамал ғына ти, әсәй, - бишенсе алмағас кемгә булыр икән? | 39 |
Йәгеҙ, кейеп ҡарағыҙ әле, балалар, таманмы икән? ти өләсәй. | Йәгеҙ, кейеп ҡарағыҙ әле, балалар, таманмы икән? - ти өләсәй. | 42 |
Бындай башмаҡтар кейгәс, кеше нисек итеп бейемәй түҙеп торор икән? ти өләсәй. | Бындай башмаҡтар кейгәс, кеше нисек итеп бейемәй түҙеп торор икән? - ти өләсәй. | 43 |
Үҙҙәре Фәһимә менән ҡысҡырыпҡысҡырып һөйләшәләр. | Үҙҙәре Фәһимә менән ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшәләр. | 47 |
Бына беҙ һалды ҡыуып етгек. | Бына беҙ һалды ҡыуып еттек. | 50 |
Юҡ, мин - ысын бабай, балыҡсы Яҡшығол ҡарт мин, - ти ул. - һин үҙең ысынһың, үҙең Яҡшығолһоң, үҙең бик яҡшыһың, - тим мин. | Юҡ, мин - ысын бабай, балыҡсы Яҡшығол ҡарт мин, - ти ул. - Һин үҙең ысынһың, үҙең Яҡшығолһоң, үҙең бик яҡшыһың, - тим мин. | 51 |
Килеп еттегеҙме, ҡарттар, бик һуңлап йөрөйһөгөҙ, ти беҙгә бер ағай, үҙе көлә. | Килеп еттегеҙме, ҡарттар, бик һуңлап йөрөйһөгөҙ, - ти беҙгә бер ағай, үҙе көлә. | 54 |
Былар килгәс, ҡуҙғалырға ла ярайҙыр инде, Рәшит, ти уҡытыусы Сания апай. | Былар килгәс, ҡуҙғалырға ла ярайҙыр инде, Рәшит, - ти уҡытыусы Сания апай. | 55 |
Ул матур апай беҙҙең оста тора. | Ул матур апай беҙҙең оҫта тора. | 56 |
Бер пионер апай алда торған бөтә балаларға ла бәпбәләкәс кенә ҡыҙыл флагтар таратып бирҙе. | Бер пионер апай алда торған бөтә балаларға ла бәп-бәләкәс кенә ҡыҙыл флагтар таратып бирҙе. | 57 |
Атлаған һайын үҙенең итләс бите терттерт ҡалтырап китә. | Атлаған һайын үҙенең итләс бите терт-терт ҡалтырап китә. | 59 |
«Ҡулың талғандыр инде, туғаным», тине ул. Ә минең ҡулым саҡ ҡына ла талманы. | «Ҡулың талғандыр инде, туғаным», - тине ул. Ә минең ҡулым саҡ ҡына ла талманы. | 60 |
Мин бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрә алманым, һеңлем килеп етәкләп алды: - Әйҙә, әсәйҙе табабыҙ, Йәмил, - тине ул. - һин ысын флаг тотоп барғас, ҡалай яҡшы булды. | Мин бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрә алманым, һеңлем килеп етәкләп алды: - Әйҙә, әсәйҙе табабыҙ, Йәмил, - тине ул. - Һин ысын флаг тотоп барғас, ҡалай яҡшы булды. | 61 |
Беләһеңме, Көнбикә еңгә, күпер башы Бәкерҙең Рамазаны ҡайтҡан бит, бүтәндәр ҙә оҙаҡламаҫ инде, ти ул. - Указ булыуға ла байтаҡ заман үтте шул. | Беләһеңме, Көнбикә еңгә, күпер башы Бәкерҙең Рамазаны ҡайтҡан бит, бүтәндәр ҙә оҙаҡламаҫ инде, - ти ул. - Указ булыуға ла байтаҡ заман үтте шул. | 64 |
Капҡа асыҡ. | Ҡапҡа асыҡ. | 65 |
Кунаҡҡа килгән кеше шунда тормай инде... | Ҡунаҡҡа килгән кеше шунда тормай инде... | 66 |
Мин бындай һалдаттарҙы бик күп күргәнем бар, ти һеңлем. | Мин бындай һалдаттарҙы бик күп күргәнем бар, - ти һеңлем. | 68 |
«Атай ҡайтҡансы, үҫә торһондар!» тип алмағастарға көн дә һыу һибәбеҙ. | «Атай ҡайтҡансы, үҫә торһондар!» - тип алмағастарға көн дә һыу һибәбеҙ. | 69 |
Теге саҡта, арҡаһына тоҡ аҫып, ҡалын аҡ шәлен ябынып, ҡыпгкы төндә алыҫ ҡалаға киткән әсәйгә бер ҙә оҡшамаған ул бөгөн. | Теге саҡта, арҡаһына тоҡ аҫып, ҡалын аҡ шәлен ябынып, ҡышҡы төндә алыҫ ҡалаға киткән әсәйгә бер ҙә оҡшамаған ул бөгөн. | 70 |
Һеҙ үҫкәс, бәләкәс шишмәләр генә түгел, ҙур күлдәр яһарһығыҙ, ҙур йылғаларҙың ағышын борорһоғоҙ, ти атай. | Һеҙ үҫкәс, бәләкәс шишмәләр генә түгел, ҙур күлдәр яһарһығыҙ, ҙур йылғаларҙың ағышын борорһоғоҙ, - ти атай. | 71 |
Уның исеме екән. | Уның исеме - екән. | 72 |
Әгәр ашығыс тимәһәң, минең бригадала бик һәйбәт аҡлыҡаралы бер эш бар. | Әгәр ашығыс тимәһәң, минең бригадала бик һәйбәт аҡлы-ҡаралы бер эш бар. | 75 |
Мин йырҙы башлап ебәрәм: Тау башында аҡ мәктәп, Беҙ барырбыҙ күмәкләп... һеңлем ялт итеп миңә әйләнеп ҡарай. | Мин йырҙы башлап ебәрәм: Тау башында аҡ. мәктәп, Беҙ барырбыҙ күмәкләп... һеңлем ялт итеп миңә әйләнеп ҡарай. | 76 |
Китаптары шау һүрәт, Мәктәп, һин беҙҙе өйрәт Уҡырга, яҙырга, Бүрәттәр яһарга! | Китаптары шау һүрәт, Мәктәп, һин беҙҙе өйрәт Уҡырга, яҙырга, Бүрәттәр яһарға! | 77 |
Йыллашып ултыламы ни беләүҙәл! - ти ул. һаман бөтмәй шул Фәһимәнең һаҡаулығы. | Йыллашып ултыламы ни беләүҙәл! - ти ул. Һаман бөтмәй шул Фәһимәнең һаҡаулығы. | 78 |
Беҙ укылға килдек, апай, - ти Фәһимә. | Беҙ уҡылға килдек, апай, - ти Фәһимә. | 81 |
Ә һеҙгә, балалар, һүнәй баҙарына китергә ваҡыт, ти әсәй, уның тауышы бөгөн ни эшләптер тоноҡлана төшкән. | Ә һеҙгә, балалар, һүнәй баҙарына китергә ваҡыт, - ти әсәй, уның тауышы бөгөн ни эшләптер тоноҡлана төшкән. | 83 |
Беҙ тороуға, әсәйем мейесте ап-аҡ итеп ағартып ебәргән, һандыҡтағы биҙәкле таҫтамалдар ҡаҙауҙарға алып эленгән, ҙур карауатҡа беҙҙең теге шаҡмаҡлышаҡмаҡлы матур балаҫ йәйелгән. | Беҙ тороуға, әсәйем мейесте ап-аҡ итеп ағартып ебәргән, һандыҡтағы биҙәкле таҫтамалдар ҡаҙауҙарға алып эленгән, ҙур карауатҡа беҙҙең теге шаҡмаҡлы-шаҡмаҡлы матур балаҫ йәйелгән. | 84 |
Бапгга ул һеңлемдең күҙҙәренә бик оҙаҡ ҡарап торҙо, ә унан һуң күкрәгенә ҡыҫты. | Башта ул һеңлемдең күҙҙәренә бик оҙаҡ ҡарап торҙо, ә унан һуң күкрәгенә ҡыҫты. | 86 |
Әллә ниңә әсем бошоп ҡуя. | Әллә ниңә эсем бошоп ҡуя. | 87 |
Мин атайға, әсәйгә, өләсәйгә ҡарайым: улар бөтәһе лә бөгөн әллә ниндәйҙәр. | Мин атайға, әсәйгә, өләсәйгә ҡарайым: улар бөтәһе лә бөгөн әллә ниндәйҙер. | 88 |
Бәләкәс аттарға Атака һуғыпгга булған хәлдәрҙе, үҙенең күргәндәрен һөйләй, ахыры. | Бәләкәс аттарға Атака һуғышта булған хәлдәрҙе, үҙенең күргәндәрен һөйләй, ахыры. | 89 |
Һуңғы һүҙҙәрҙе әйткәндә, уның тауышы нисектер ҡалтыранып китге... | Һуңғы һүҙҙәрҙе әйткәндә, уның тауышы нисектер ҡалтыранып китте... | 91 |
Өләсәй бөтәбеҙгә лә саҡ ҡына ултэдрьш торорға ҡуша. | Өләсәй бөтәбеҙгә лә саҡ ҡына ултырып торорға ҡуша. | 98 |
Тик шул ваҡытта ғына әсәй миңә та^ан боролоп, әйтеп ҡуя: ' - Бына, Йәмил, - ти ул, - һеңлең менән хушлашыр ваҡыт та етте. | Тик шул ваҡытта ғына әсәй миңә табан боролоп, әйтеп ҡуя: - Бына, Йәмил, - ти ул, - һеңлең менән хушлашыр ваҡыт та етте. | 99 |
Капҡа төбөнә йыйылған кешеләр ҡарап ҡалалар. | Ҡапҡа төбөнә йыйылған кешеләр ҡарап ҡалалар. | 100 |
Тиҙҙән поезд киләсәк, мин әйберҙәрҙе килтерәйем, ти ҙә атай шәп-шәп атлап китеп бара. | Тиҙҙән поезд киләсәк, мин әйберҙәрҙе килтерәйем, - ти ҙә атай шәп-шәп атлап китеп бара. | 102 |
Ҡурала апаҡ ҡаҙҙар йөрөй. | Ҡурала ап-аҡ ҡаҙҙар йөрөй. | 103 |
Фукидид 1 Июль айының ҡурмас кеүек ҡурылған ҡыҙыу көндәре. | Фукидид 1 Июль айының ҡурмас кеүек ҡурылған ҡыҙыу көндәре. | 104 |
Түбәләре болоттарға олғашҡан йөҙйәшәр мөһабәт ҡарағайҙар, ҡолас йәйеп үҫкән ҡеүәтле имәндәр батшалығы бынауы ҡара урмандар ҙа, иреккә, иркенгә юл ярырға ашҡынып, бөгөл һайын сыңғырап аҡҡан кескәй ағын йылғалар ҙа, берсә ағастарҙың йәшел көмбәҙе аҫтына йәшенеп, берсә текә, ҡаҡ түбәләргә үрелеп, алға, билдәһеҙ алыҫлыҡтарға йүрмәләгән һикәлтәле ҡыҫыҡ тау юлдары ла, түбәһе ҡалай менән ябылған мәсетте һәм бер нисә хәлле хужаның йортон иҫкә алмағанда, ҡыйыҡһыҙ, тупаҡ өйҙәрҙән торған, алабута, дегәнәк баҫҡан буш урамлы кескәй ауылдар ҙа, былай ҙа ниҙәндер ҡото осоп ергә һыйынған ошо етемәк ауылдарҙы үҙенең бәйһеҙ көсҡеүәте менән бөтөнләй күмеп китерҙәй булып, дауыл күтәргән диңгеҙ тулҡындары шикелле шомло ишелеп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ күк тауҙар ҙа... - барыһы ла, барыһы ла ғәжәп бер рәхәт тынлыҡҡа талған. | Түбәләре болоттарға олғашҡан йөҙйәшәр мөһабәт ҡарағайҙар, ҡолас йәйеп үҫкән ҡеүәтле имәндәр батшалығы бынауы ҡара урмандар ҙа, иреккә, иркенгә юл ярырға ашҡынып, бөгөл һайын сыңғырап аҡҡан кескәй ағын йылғалар ҙа, берсә ағастарҙың йәшел көмбәҙе аҫтына йәшенеп, берсә текә, ҡаҡ түбәләргә үрелеп, алға, билдәһеҙ алыҫлыҡтарға йүрмәләгән һикәлтәле ҡыҫыҡ тау юлдары ла, түбәһе ҡалай менән ябылған мәсетте һәм бер нисә хәлле хужаның йортон иҫкә алмағанда, ҡыйыҡһыҙ, тупаҡ өйҙәрҙән торған, алабута, дегәнәк баҫҡан буш урамлы кескәй ауылдар ҙа, былай ҙа ниҙәндер ҡото осоп ергә һыйынған ошо етемәк ауылдарҙы үҙенең бәйһеҙ көс-ҡеүәте менән бөтөнләй күмеп китерҙәй булып, дауыл күтәргән диңгеҙ тулҡындары шикелле шомло ишелеп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ күк тауҙар ҙа... - барыһы ла, барыһы ла ғәжәп бер рәхәт тынлыҡҡа талған. | 105 |
Күпселегендә Яйыҡ, һаҡмар буйы казачийҙарынан торған һәм Иштуған, Әхәт, Айһылыу кеүек башҡа милләт вәкилдәре лә күп булған был отряд бығаса Орск, Ырымбур далаларында аҡ казактарға, дутовсыларға ҡаршы һуғышта сынығып, аңғармаҫтан, оҫта, ҡыйыу һөжүмдәр менән күп уңыштарға өлгәшеп, халыҡ алдында күптән инде данхөрмәт ҡаҙанғайны, Иҫәнбәттә Илсеғол дружинасыларын төнгө ҡараҡ кеүек килеп баҫҡан һатыбал бандаһын да, волость үҙәгендә ҡоторонған Федька Рябой бандаһын да ул шулай көтмәгәндә килеп тар-мар итте. | Күпселегендә Яйыҡ, Һаҡмар буйы казачийҙарынан торған һәм Иштуған, Әхәт, Айһылыу кеүек башҡа милләт вәкилдәре лә күп булған был отряд бығаса Орск, Ырымбур далаларында аҡ казактарға, дутовсыларға ҡаршы һуғышта сынығып, аңғармаҫтан, оҫта, ҡыйыу һөжүмдәр менән күп уңыштарға өлгәшеп, халыҡ алдында күптән инде дан-хөрмәт ҡаҙанғайны, Иҫәнбәттә Илсеғол дружинасыларын төнгө ҡараҡ кеүек килеп баҫҡан Һатыбал бандаһын да, волость үҙәгендә ҡоторонған Федька Рябой бандаһын да ул шулай көтмәгәндә килеп тар-мар итте. | 106 |
Ҡыҙыл Армияның төп көстәре менән бәйләнеш өҙөлөүе, дошманды тылдан ҡыйратып үтер өсөн революцион көстәрҙе туплау, сафтарҙы нығытыу кәрәклеге хаҡындағы аңлатмалар уның аңына барып етмәй, йәки төптө аңларға теләмәй ул. «Был тауҙар араһында мин нимә күрәм, кемде беләм? - тип ныҡыша ул күңеленән, тағы ла бошонобораҡ, - дуҫмы ул, дошманмы? | Ҡыҙыл Армияның төп көстәре менән бәйләнеш өҙөлөүе, дошманды тылдан ҡыйратып үтер өсөн революцион көстәрҙе туплау, сафтарҙы нығытыу кәрәклеге хаҡындағы аңлатмалар уның аңына барып етмәй, йәки төптө аңларға теләмәй ул. «Был тауҙар араһында мин нимә күрәм, кемде беләм? - тип ныҡыша ул күңеленән, тағы ла бошонобораҡ, - дуҫмы ул, дошманмы? | 107 |
Яҡ-яҡта ҡарағусҡыл тауҙар, ҡара урмандар, алда бер төрлө ҡаҡ яйла, ә унан ары етеят Урал арты киңлектәре, ҡырыҫ, күңелһеҙ яҡтар... | Яҡ-яҡта ҡарағусҡыл тауҙар, ҡара урмандар, алда бер төрлө ҡаҡ яйла, ә унан ары ете-ят Урал арты киңлектәре, ҡырыҫ, күңелһеҙ яҡтар... | 108 |
Эйе, тап шулай, йәшәү өсөн утҡа-һыуға инәбеҙ, утһыу үтмәй, бәхет килмәҫен беләбеҙ. | Эйе, тап шулай, йәшәү өсөн утҡа-һыуға инәбеҙ, ут-һыу үтмәй, бәхет килмәҫен беләбеҙ. | 111 |
Закир өмөтһөҙ, тоноҡ тауыш менән үҙ алдына ғына: - Әлләсе... - тине лә тынды. | Закир өмөтһөҙ, тоноҡ тауыш менән үҙ алдына ғына: - Әлләсе... - тине лә тынды. | 112 |
Йәне көйөп, хатта уға эстән генә мыжып та ҡуйҙы: «Йә, һин дә нимәгә ығышып ҡалдың?.. | Йәне көйөп, хатта уға эстән генә мыжып та ҡуйҙы: «Йә, һин дә нимәгә ығышып ҡалдың?.. | 113 |
Кәрәк икән һүтә... | Кәрәк икән - һүтә... | 114 |
Был һәйбәт ҡылығына әҙ генә зирәклек тә өҫтәлһә, Хисбулла, мулла булмағанда ла, мәзинлеккә һис шикһеҙ яраҡлы кеше буласаҡ, ғалимғөләмә алдында шөһрәтле урынды аласаҡ ине. | Был һәйбәт ҡылығына әҙ генә зирәклек тә өҫтәлһә, Хисбулла, мулла булмағанда ла, мәзинлеккә һис шикһеҙ яраҡлы кеше буласаҡ, ғалим-ғөләмә алдында шөһрәтле урынды аласаҡ ине. | 115 |
Ә ҡайһы саҡта тағы, ғәҙәтенсә, ярһыу, етеҙ, вайымһыҙ булып йөрөй, әсәһенә өмөтлө хаттар яҙа: «Әсәй! | Ә ҡайһы саҡта тағы, ғәҙәтенсә, ярһыу, етеҙ, вайымһыҙ булып йөрөй, әсәһенә өмөтлө хаттар яҙа: «Әсәй! | 120 |
«Ай-Һай, белмәйем шул, балаҡай, белмәйем... | «Ай-һай, белмәйем шул, балаҡай, белмәйем... | 123 |
Шулай ҙа улына ҡыуанып, өмөтлө яуап ҡайтара: - Йә, ҡолонсағым, әйткән һүҙең фәрештәнең «амин!» тигән мәленә генә тура килһен... | Шулай ҙа улына ҡыуанып, өмөтлө яуап ҡайтара: - Йә, ҡолонсағым, әйткән һүҙең фәрештәнең «амин!» тигән мәленә генә тура килһен... | 124 |
Уның береһен Ташһарайҙа Собхан старшина улы һатыбал ойошторҙо. | Уның береһен Ташһарайҙа Собхан старшина улы Һатыбал ойошторҙо. | 125 |
«Туҡта, һатыбал отрядын күреп киләйем. | «Туҡта, Һатыбал отрядын күреп киләйем. | 127 |
Бынан һуң Закир, дружинасылар яғында тороп, һатыбал һәм Федька Рябой отрядтарына ҡаршы батырҙарса һуғышты. | Бынан һуң Закир, дружинасылар яғында тороп, Һатыбал һәм Федька Рябой отрядтарына ҡаршы батырҙарса һуғышты. | 128 |
Юртаҡ саптар ҙа юл ситенән әремһәрем сүпләп, атлар-атламаҫ ҡына бара торғас, сафтан сығып, бер нисә саҡрымға һуҙылған обоздар араһында бутала башланы. | Юртаҡ саптар ҙа юл ситенән әрем-һәрем сүпләп, атлар-атламаҫ ҡына бара торғас, сафтан сығып, бер нисә саҡрымға һуҙылған обоздар араһында бутала башланы. | 130 |
Тау өҫтө күп тауышлы, төрлө телле һөйләшкөлөш, арба шығырлау, ат ҡыуыу, бойороҡ биреү тауыштары менән гөр килеп, йәнләнеп китте. | Тау өҫтө күп тауышлы, төрлө телле һөйләш-көлөш, арба шығырлау, ат ҡыуыу, бойороҡ биреү тауыштары менән гөр килеп, йәнләнеп китте. | 131 |
«Ни өсөн миңә лә шулай сабып төшөп ҡарамаҫҡа? » тип уйланы ул ҡапыл, һәм батып барғанда һаламға тотонған кеше шикелле, был быуынһыҙ фекергә сат йәбешеп тә ҡуйҙы. | «Ни өсөн миңә лә шулай сабып төшөп ҡарамаҫҡа?» - тип уйланы ул ҡапыл, һәм батып барғанда һаламға тотонған кеше шикелле, был быуынһыҙ фекергә сат йәбешеп тә ҡуйҙы. | 132 |
Үҙен аҡларға сәбәптәр ҙә тапты: «Хаммат ағайым бальнистән сығып ҡына ҡалды... | Үҙен аҡларға сәбәптәр ҙә тапты: «Хаммат ағайым бальнистән сығып ҡына ҡалды... | 133 |
Ул, сабырһыҙланып, атын кирегә борҙо: - Әйҙә, саптар, остоҡ! | Ул, сабырһыҙланып, атын кирегә борҙо: - Әйҙә, саптар, остоҡ! | 134 |
Закир, үҙенең йөрәк тәңгәлен гимнастерка үтә ҡапшап, сирылып ҡуйҙы: «һыҙлама, йөрәк... | Закир, үҙенең йөрәк тәңгәлен гимнастерка үтә ҡапшап, сирылып ҡуйҙы: «Һыҙлама, йөрәк... | 135 |
Унан Тимербайға йүгерҙе: - Ағай, Закир юғалды бит! | Унан Тимербайға йүгерҙе: - Ағай, Закир юғалды бит! | 137 |
Ул Иштуғанға һөйкөмлө текләп, уйлана биреп торҙо ла ҡыуаныслы тауыш менән: - Беләһеңме, мырҙа, мин был тары бөртөктәренән кемдең ҡояшлы йөҙөн эшләмәк булам, ә?.. - тип һораны. | Ул Иштуғанға һөйкөмлө текләп, уйлана биреп торҙо ла ҡыуаныслы тауыш менән: - Беләһеңме, мырҙа, мин был тары бөртөктәренән кемдең ҡояшлы йөҙөн эшләмәк булам, ә?.. - тип һораны. | 138 |
Иштуған уға ни тип тә әйтә алманы, тик, ғәжәпһенеп, баяғы һүҙен генә ҡабатланы: - Ағай, һин... ни, былай... | Иштуған уға ни тип тә әйтә алманы, тик, ғәжәпһенеп, баяғы һүҙен генә ҡабатланы: - Ағай, һин... ни, былай... | 139 |
«һуғышабыҙ, шабаш! | «Һуғышабыҙ, шабаш! | 140 |
Мин һуғыштың ошондай ҡыҙыу сағын яратам, һуғышырға икән һуғышырға, пожалуйста», тип янып йөрөй ине. | Мин һуғыштың ошондай ҡыҙыу сағын яратам, һуғышырға икән - һуғышырға, пожалуйста», тип янып йөрөй ине. | 141 |
Иштуғандың йөҙө асыла төштө: - Өйрәтмәгән ҡайҙа, ти, ул! | Иштуғандың йөҙө асыла төштө: - Өйрәтмәгән ҡайҙа, ти, ул! | 142 |
Тимербай, һылтыҡлап баҫып, командирҙы эҙләп китте.. | Тимербай, һылтыҡлап баҫып, командирҙы эҙләп китте. | 143 |
Таиба әбей туҡтап, көрһөнә биреп ала, зарлыраҡ тауышҡа күсә: - Эй-й алла, донъялар бик боларып тора ла тороуын... | Таиба әбей туҡтап, көрһөнә биреп ала, зарлыраҡ тауышҡа күсә: - Эй-й алла, донъялар бик боларып тора ла тороуын... | 144 |
Был моң һинең күкрәгеңә тығыҙлап инә, бөтә тәнеңдейәнеңде биләп ала, һин ҡайһы саҡ үҙеңде, иң ябай бер йән эйәһе икәнеңде онотоп, ғәҙәти булмаған бәхеткә, үлемһеҙ тормошҡа лайыҡ итеп тоя башлайһың. | Был моң һинең күкрәгеңә тығыҙлап инә, бөтә тәнеңде-йәнеңде биләп ала, һин ҡайһы саҡ үҙеңде, иң ябай бер йән эйәһе икәнеңде онотоп, ғәҙәти булмаған бәхеткә, үлемһеҙ тормошҡа лайыҡ итеп тоя башлайһың. | 146 |
Ҡасан ул да тап бына улар шикелле ҡырт та итмәй ялан аяҡтарын үләндәрҙән йыуҙырыпһыҙыртып барыр?! | Ҡасан ул да тап бына улар шикелле ҡырт та итмәй ялан аяҡтарын үләндәрҙән йыуҙырып-һыҙыртып барыр?! | 147 |
Унан көлөмһөрәп өҫтәп ҡуйҙы: - Ярай әле бөтәһенән дә иҫән ҡотола. | Унан көлөмһөрәп өҫтәп ҡуйҙы: - Ярай әле бөтәһенән дә иҫән ҡотола. | 150 |
Арт күсәр буш....- тип, йомшаҡ ҡына көлөп, ҡатынының һүҙен бүлде Хисбулла. | Арт күсәр буш... - тип, йомшаҡ ҡына көлөп, ҡатынының һүҙен бүлде Хисбулла. | 151 |
Унан кистән сүкеп ҡуйған салғыһын күңелле генә сыңғыратып яңып алды ла: - Сәй ҡайнағансы бер һыуһын эшләп алайым, - тип ашыҡмай ғына сабынлыҡтың икенсе башына китеп барҙы. | Унан кистән сүкеп ҡуйған салғыһын күңелле генә сыңғыратып яңып алды ла: - Сәй ҡайнағансы бер һыуһын эшләп алайым, - тип ашыҡмай ғына сабынлыҡтың икенсе башына китеп барҙы. | 152 |
Шул саҡ Таиба әбей менән Иштуған араһында булған һөйләшеү, әйтерһең, уның мейеһенә утлы күмер менән яҙылып ҡалды: - Емеш яңғыҙ ҡалды, - тине ағаһы баҫалҡы ғына, ҡыйынһынмаһағыҙ, ҡоҙағый, мин ҡайтҡансы, ул һеҙҙә йәшәп торһон ине... | Шул саҡ Таиба әбей менән Иштуған араһында булған һөйләшеү, әйтерһең, уның мейеһенә утлы күмер менән яҙылып ҡалды: - Емеш яңғыҙ ҡалды, - тине ағаһы баҫалҡы ғына, - ҡыйынһынмаһағыҙ, ҡоҙағый, мин ҡайтҡансы, ул һеҙҙә йәшәп торһон ине... | 154 |
End of preview. Expand
in Dataset Viewer.
- Downloads last month
- 60