raw_text
stringlengths 3
806
| fixed_text
stringlengths 3
807
| idx
int64 0
23.9k
|
---|---|---|
Тыныс ҡына көлөмһөрәп: - Шулайҙыр, бәлки... | Тыныс ҡына көлөмһөрәп: - Шулайҙыр, бәлки... | 157 |
Беләһең, Йәмәлкә батыр, Салауат батыр Хаҡында ишеткәнең юҡмы ни һинең? | Беләһең, Йәмәлкә батыр, Салауат батыр хаҡында ишеткәнең юҡмы ни һинең? | 158 |
Таиба әбей ҡоҙаһына тағы бер тапҡыр тыныс, иғтибарлы ҡарап алды ла һүҙ бөткәнде белдергән тауыш менән: - Ҡарындашың өсөн хафаланма, - тип ҡабатланы. | Таиба әбей ҡоҙаһына тағы бер тапҡыр тыныс, иғтибарлы ҡарап алды ла һүҙ бөткәнде белдергән тауыш менән: - Ҡарындашың өсөн хафаланма, - тип ҡабатланы. | 161 |
Иштуған, үҙенең урынһыҙ ярһыуынан уңайһыҙланған һымаҡ, ҡабалан ғына хушлашып тыпгка атылды: - Рәхмәт, ҡоҙағый. | Иштуған, үҙенең урынһыҙ ярһыуынан уңайһыҙланған һымаҡ, ҡабалан ғына хушлашып тышҡа атылды: - Рәхмәт, ҡоҙағый. | 162 |
Балан ҡыуағы аҫтындағы усаҡ яғынан иртәнге томанға ҡушылған күк төтөн шикелле тын ғына үрмәләп, моңһоу йыр ағылды: Бүҙәнәкәй тигән, һай, аҫыл ҡош Юрғалайҙыр тура ла юл менән. | Балан ҡыуағы аҫтындағы усаҡ яғынан иртәнге томанға ҡушылған күк төтөн шикелле тын ғына үрмәләп, моңһоу йыр ағылды: Бүҙәнәкәй тигән, һай, аҫыл ҡош Юрғалайҙыр тура ла юл менән. | 164 |
Маңлайҙарға яҙған хаҡ яҙмышын Һыпырып ташлап булмай ҙа ҡул менән. | Маңлайҙарға яҙған хаҡ яҙмышын Һыпырып ташлап булмай ҙа ҡул менән. | 165 |
Киләсәк өсөн, үҙ бәхетебеҙ өсөн ҡырҡа өҙөшөр мәлдә генэ бит... - тип һыҡтанып уйланды ла ул йыш ҡына: Эйе, һөйөү бәхете бөттө... һүнде... | Киләсәк өсөн, үҙ бәхетебеҙ өсөн ҡырҡа өҙөшөр мәлдә генә бит... - тип һыҡтанып уйланды ла ул йыш ҡына: - Эйе, һөйөү бәхете бөттө... һүнде... | 166 |
Ләкин күңелһеҙ уйҙар уны урамда ла тыныс ҡалдырманы: «Әйтеп тораһы юҡ, ҡайғыһы бик ҙур баламдың... тип тағы уйланырға кереште ул. - Шул баш бирмәҫ ҡатынды яратты ла ҡуйҙы шул, иҫен-аҡылын юғалтып яратты, бахырың... | Ләкин күңелһеҙ уйҙар уны урамда ла тыныс ҡалдырманы: «Әйтеп тораһы юҡ, ҡайғыһы бик ҙур баламдың... - тип тағы уйланырға кереште ул. - Шул баш бирмәҫ ҡатынды яратты ла ҡуйҙы шул, иҫен-аҡылын юғалтып яратты, бахырың... | 168 |
Байрас, өркөтөлгән турғай балаһы шикелле сырылдап, өйгә атылып килеп инде: - Атай, атай! | Байрас, өркөтөлгән турғай балаһы шикелле сырылдап, өйгә атылып килеп инде: - Атай, атай! | 169 |
Малай, атаһының аңламауына йәки ышанмауына хәтере ҡалып, үпкәле тауыш менән: - Юҡ! | Малай, атаһының аңламауына йәки ышанмауына хәтере ҡалып, үпкәле тауыш менән: - Юҡ! | 172 |
«һай ирең, тапты уйға бирелер саҡты!.. | «Һай ирең, тапты уйға бирелер саҡты!.. | 174 |
Таиба әбей үҙенең яратҡан һүҙен ҡабатланы: - Ярабби, шулай ғына булһын... | Таиба әбей үҙенең яратҡан һүҙен ҡабатланы: - Ярабби, шулай ғына булһын... | 177 |
Хаммат, күрәһең, әсәһен йыуатырға тырышып, элеккесә шат, яҡты итеп йылмайып: - Минең хушлашыу сәләмен уларға, әсәй, һин тапшырһаң да бик еткән. | Хаммат, күрәһең, әсәһен йыуатырға тырышып, элеккесә шат, яҡты итеп йылмайып: - Минең хушлашыу сәләмен уларға, әсәй, һин тапшырһаң да бик еткән. | 178 |
Ул әсәһе ни менәндер албырғап, ситкәрәк киткән арала, ашығып улының ҡолағына бышылданы: - һиңә лә ат эйәрләргә кәрәк, Байрас! | Ул әсәһе ни менәндер албырғап, ситкәрәк киткән арала, ашығып улының ҡолағына бышылданы: - Һиңә лә ат эйәрләргә кәрәк, Байрас! | 179 |
Уның йыр кеүек яғымлы, ярһыу бышылдауы ишетелгәндәй булды: «Хамматым... | Уның йыр кеүек яғымлы, ярһыу бышылдауы ишетелгәндәй булды: «Хамматым... | 181 |
Ул, ҡабаланып, күҙе менән улын эҙләне: - Байрас, һин белмәйһеңме, ул мылтыҡ ҡайҙа? | Ул, ҡабаланып, күҙе менән улын эҙләне: - Байрас, һин белмәйһеңме, ул мылтыҡ ҡайҙа? | 184 |
Байрас: - Эйе, - тип баш ҡаҡты. | Байрас: - Эйе, - тип баш ҡаҡты. | 185 |
Атаһы менән йәнәш баҫып, ҡыҙылармеец кейемендәге ағаһына һоҡланып ҡарап торған Байрас аптырауҙан хатта ҡысҡырып уҡ ебәрҙе: - Ҡасып?! | Атаһы менән йәнәш баҫып, ҡыҙылармеец кейемендәге ағаһына һоҡланып ҡарап торған Байрас аптырауҙан хатта ҡысҡырып уҡ ебәрҙе: - Ҡасып?! | 189 |
Таиба әбей улдарының һөйләшеүен иғтибар менән тыңлап ултыра бирҙе лә, бая Хамматты оҙатырға йөрөгәндәге аҡыллы сабырлығын онотоп, илаулап һүҙгә ҡатнашты: - Шуны әйтәм әле, балалар, һуғыштан ҡайтыуығыҙға ҡасан ғына? | Таиба әбей улдарының һөйләшеүен иғтибар менән тыңлап ултыра бирҙе лә, бая Хамматты оҙатырға йөрөгәндәге аҡыллы сабырлығын онотоп, илаулап һүҙгә ҡатнашты: - Шуны әйтәм әле, балалар, һуғыштан ҡайтыуығыҙға ҡасан ғына? | 190 |
Көсләп мобилизовать итмәһәләр, ҡабат һуғышырға ниәтем дә юҡ, - тине ул. Көтөлмәгән был тәҡдимгә Хаммат ҡапыл ғына ни тип яуап ҡайтарырға ла белмәне. | Көсләп мобилизовать итмәһәләр, ҡабат һуғышырға ниәтем дә юҡ, - тине ул. Көтөлмәгән был тәҡдимгә Хаммат ҡапыл ғына ни тип яуап ҡайтарырға ла белмәне. | 191 |
Шуға, ахыры, ҡустыһы: - Һин быға нисек ҡарайһың, ағай? - тип ҡабатлап һорағас: - Ярар, - тип бошонҡо ғына ҡул һелтәп үк ҡуйҙы. | Шуға, ахыры, ҡустыһы: - Һин быға нисек ҡарайһың, ағай? - тип ҡабатлап һорағас: - Ярар, - тип бошонҡо ғына ҡул һелтәп үк ҡуйҙы. | 192 |
Хаммат ҡабаланып һикереп торҙо: - Былар аҡтар булыр... | Хаммат ҡабаланып һикереп торҙо: - Былар аҡтар булыр... | 194 |
Бындай иғтибарға лайыҡ булыу ғорурлығынан Байрас ҡайҙа баҫҡанын белмәй алдан сыҡты: - Атай, мин хәҙер, һә тигәнсе аттарҙы лапаҫтан алып сығам! | Бындай иғтибарға лайыҡ булыу ғорурлығынан Байрас ҡайҙа баҫҡанын белмәй алдан сыҡты: - Атай, мин хәҙер, һә тигәнсе аттарҙы лапаҫтан алып сығам! | 195 |
Хаммат Закирҙы ситкәрәк тартып, ҡолағына шыбырланы: - Мин Өммөкәй еңгәңде күреп һөйләшә алманым, һин әйт, һуғыш бөткәс тә уның янына ҡайтырмын... | Хаммат Закирҙы ситкәрәк тартып, ҡолағына шыбырланы: - Мин Өммөкәй еңгәңде күреп һөйләшә алманым, һин әйт, һуғыш бөткәс тә уның янына ҡайтырмын... | 196 |
Ҡара әле, был хәтле лә ахмаҡ булырһың икән һин! тине Хаммат, тамам йәне үртәлеп. | Ҡара әле, был хәтле лә ахмаҡ булырһың икән һин! - тине Хаммат, тамам йәне үртәлеп. | 198 |
Йә, китер саҡта мырҙаңды рәнйетмә инде, балам... тип Таиба әбей кесе улын яҡларға ашыҡты. | Йә, китер саҡта мырҙаңды рәнйетмә инде, балам... - тип Таиба әбей кесе улын яҡларға ашыҡты. | 199 |
Хаммат әсәһенә ҡарай бирҙе лә: - Йә, ярар, - тип килеште. | Хаммат әсәһенә ҡарай бирҙе лә: - Йә, ярар, - тип килеште. | 200 |
Кисә төндә Хамматгарҙы ҡурҡытҡан һыбайлылар ҙа уҙып барыусы отряд ҡына булды, ахырыһы. | Кисә төндә Хамматтарҙы ҡурҡытҡан һыбайлылар ҙа уҙып барыусы отряд ҡына булды, ахырыһы. | 203 |
Шуға, ахыры, ул ҡулындағы самауырын иҙәнгә лып ултыртты ла: - Бәй-й!.. - тип һуҙып торҙо. | Шуға, ахыры, ул ҡулындағы самауырын иҙәнгә лып ултыртты ла: - Бәй-й!.. - тип һуҙып торҙо. | 204 |
Иҫән-Һау ғына торҙоңмо? | Иҫән-һау ғына торҙоңмо? | 205 |
Әйткәндәй, ире ташлап китте, берҙәнбер ҡыҙы - Гөлсәсәге тиф ҡорбаны булды... | Әйткәндәй, ире ташлап китте, берҙән-бер ҡыҙы - Гөлсәсәге тиф ҡорбаны булды... | 208 |
Ә ул һаман Оло Эйектең һары талы кеүек, һары талды ла бит елдауыл аяуһыҙ ҡаға-һуға ергә бөгә, ташҡын йылға нескә талды йығыу, тапау, бөтөрөү ҡыуанысынан шашынып, көлә-көлә тәгәрләп аға... | Ә ул һаман Оло Эйектең һары талы кеүек, һары талды ла бит ел-дауыл аяуһыҙ ҡаға-һуға ергә бөгә, ташҡын йылға нескә талды йығыу, тапау, бөтөрөү ҡыуанысынан шашынып, көлә-көлә тәгәрләп аға... | 209 |
Әле генә ғәмһеҙ, шат еңгә булып күренгән Өммөгөлсөм, бойоғоп, нисектер тәпәш, ҡураныс һәм ҡыҙғаныс төҫкә инде: «Аһа, бая абайламағанмын да... | Әле генә ғәмһеҙ, шат еңгә булып күренгән Өммөгөлсөм, бойоғоп, нисектер тәпәш, ҡураныс һәм ҡыҙғаныс төҫкә инде: «Аһа, бая абайламағанмын да... | 213 |
Унан: - Уй, ни ҡыланам?! - тип, уңайһыҙланып, лып итеп урындыҡҡа барып ултырҙы. | Унан: - Уй, ни ҡыланам?! - тип, уңайһыҙланып, лып итеп урындыҡҡа барып ултырҙы. | 216 |
Унан Закирға тағы ла яҡтыраҡ йылмайып ҡараны: - Ҡәйнеш, был изге сәләмең өсөн һиңә ниндәй генә рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр. | Унан Закирға тағы ла яҡтыраҡ йылмайып ҡараны: - Ҡәйнеш, был изге сәләмең өсөн һиңә ниндәй генә рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр. | 218 |
Ләкин бая бында килеп ингәне бирле үҙенең башынан сыҡмаған бер уйҙы ҡысҡырып әйтеүҙән башҡа һүҙ таба алманы: - Их, әгәр мине шулай өҙөлөп яратыусы, көтөүсе булһа, еңгә... | Ләкин бая бында килеп ингәне бирле үҙенең башынан сыҡмаған бер уйҙы ҡысҡырып әйтеүҙән башҡа һүҙ таба алманы: - Их, әгәр мине шулай өҙөлөп яратыусы, көтөүсе булһа, еңгә... | 220 |
Ул ҡыйыуланып Закирҙың янына уҡ барып баҫты: - Ҡуйсы, улай тимәсе, ҡәйнеш, һине лә һөйөп, һинең өсөн янып-көйөп йөрөүселәр барын мин дә беләм бит әле... | Ул ҡыйыуланып Закирҙың янына уҡ барып баҫты: - Ҡуйсы, улай тимәсе, ҡәйнеш, һине лә һөйөп, һинең өсөн янып-көйөп йөрөүселәр барын мин дә беләм бит әле... | 221 |
Сиртеп ҡарап, өлгөрөп еткәнен, өҙөлөп төшөргә торғанын һайлап йөрөп алыр сағың, тип мәрәкәләп тә ҡуйҙы. | Сиртеп ҡарап, өлгөрөп еткәнен, өҙөлөп төшөргә торғанын һайлап йөрөп алыр сағың, - тип мәрәкәләп тә ҡуйҙы. | 223 |
Ул ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы: «Гөлйыһан, бахыр ҡыҙ бала, уны, зимагорҙы, үлеп яратҡан була тағы!.. | Ул ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы: «Гөлйыһан, бахыр ҡыҙ бала, уны, зимагорҙы, үлеп яратҡан була тағы!.. | 227 |
Унда аҡтар... тип хафаланып уйланды Байрас. | Унда аҡтар... - тип хафаланып уйланды Байрас. | 228 |
Хатта атгар ҙа, ҡурҡыныс барын тойғандай, һаҡ ҡына бышҡырынып, тос тояҡтарын йомшаҡ баҫырға тырышып барған һымаҡ бит! | Хатта аттар ҙа, ҡурҡыныс барын тойғандай, һаҡ ҡына бышҡырынып, тос тояҡтарын йомшаҡ баҫырға тырышып барған һымаҡ бит! | 229 |
Йәһәтерәк күҙҙән юғалығыҙ! тине һалдат, һаман сырайын һытып. | Йәһәтерәк күҙҙән юғалығыҙ! - тине һалдат, һаман сырайын һытып. | 234 |
Алешка ипләп кенә уның еңенә тотондо. . | Алешка ипләп кенә уның еңенә тотондо. | 235 |
Ошо ваҡыт уның хәтеренә, ниңәлер, атаһының, уны санала көтөргә ҡалдырып, Ташһарайҙан һатыбал отрядының ҡоралын баҫып алырға китеүе килеп төштө. | Ошо ваҡыт уның хәтеренә, ниңәлер, атаһының, уны санала көтөргә ҡалдырып, Ташһарайҙан Һатыбал отрядының ҡоралын баҫып алырға китеүе килеп төштө. | 236 |
Атайым бер ҙә ҡурҡмайҙыр ?! | Атайым бер ҙә ҡурҡмайҙыр?! | 237 |
Ә теле тауыш-тынһыҙ ғына: - Атай, атай, атай! - тип ҡабатланы. | Ә теле тауыш-тынһыҙ ғына: - Атай, атай, атай! - тип ҡабатланы. | 238 |
Мулла ҡыҙы икәнлеген һүҙе менән үк белдереп тора!..» тип екһенеп уйлап алды Закир. | Мулла ҡыҙы икәнлеген һүҙе менән үк белдереп тора!..» - тип екһенеп уйлап алды Закир. | 242 |
Унан, егет яғына шаяра-көлә ҡарайҡарай, әкрен генә ярға күтәрелә башланы. | Унан, егет яғына шаяра-көлә ҡарай-ҡарай, әкрен генә ярға күтәрелә башланы. | 245 |
Йә, шулмы ғәҙеллек?!» тип, әсенеп уйлана-уйлана, ҡайтып китте. | Йә, шулмы ғәҙеллек?!» - тип, әсенеп уйлана-уйлана, ҡайтып китте. | 246 |
Һалдатҡа алыныр саҡ етеүен, баҡтиһәң, бик теүәл иҫәпләп торалар икән дә баһа был әфәнделәр?!» тип көлдө генә Закир, һис тә бошонманы. | Һалдатҡа алыныр саҡ етеүен, баҡтиһәң, бик теүәл иҫәпләп торалар икән дә баһа был әфәнделәр?!» - тип көлдө генә Закир, һис тә бошонманы. | 247 |
Беләктәренә төрлө сепрәк-сапраҡ элеп, дебет шәл, аҡ үәл тотоп, бытҡашып йөрөгән йыуан ботло, майлы битле бисәләр, иҫке итекситек, төпһөҙ салбар, һыңар еңе өҙөлгән тиртун йәки сабата тотҡан ас яңаҡлы, юлбаҫар ҡарашлы иҫерек ирҙәр менән тулы толчокты этешә-төртөшә бер-ике әйләнеп сыҡты. | Беләктәренә төрлө сепрәк-сапраҡ элеп, дебет шәл, аҡ үәл тотоп, бытҡашып йөрөгән йыуан ботло, майлы битле бисәләр, иҫке итек-ситек, төпһөҙ салбар, һыңар еңе өҙөлгән тиртун йәки сабата тотҡан ас яңаҡлы, юлбаҫар ҡарашлы иҫерек ирҙәр менән тулы толчокты этешә-төртөшә бер-ике әйләнеп сыҡты. | 248 |
Ул шулай, ауылдаштарын осратыуҙан тамам өмөт өҙөп, инде тирә-яҡҡа ҡарамай, эҙләнмәй, башын хәлһеҙ эйеп, толчоктың иң батҡаҡ урамдарының береһенән китеп барған саҡта, яҡында ғына: - Ҡара әле, кем, мулла, бынауы тар балаҡты!.. | Ул шулай, ауылдаштарын осратыуҙан тамам өмөт өҙөп, инде тирә-яҡҡа ҡарамай, эҙләнмәй, башын хәлһеҙ эйеп, толчоктың иң батҡаҡ урамдарының береһенән китеп барған саҡта, яҡында ғына: - Ҡара әле, кем, мулла, бынауы тар балаҡты!.. | 249 |
Ҡуржын тулдымы тигәндәй, эйе, ә-ә, кәйеф-шәрифтәрегеҙ нисек, ғалимғөләмәләр, - тип, ҡала зыялыйҙарына оҡшатырға тырышып, тәтелдәргә кереште. | Ҡуржын тулдымы тигәндәй, эйе, ә-ә, кәйеф-шәрифтәрегеҙ нисек, ғалим-ғөләмәләр, - тип, ҡала зыялыйҙарына оҡшатырға тырышып, тәтелдәргә кереште. | 251 |
Беҙме, фәрештәкәй, беҙ нимә теләйбеҙме? - тип Ғаббас мулланың теле тәтелдәп асылып китергә генә торғанда, Закир: - Өсәр өлөш Себер билмәне, ҡурылған ҡуй ите, ит бәлеше, сәй... - тип теҙҙе лә һалды. | Беҙме, фәрештәкәй, беҙ нимә теләйбеҙме? - тип Ғаббас мулланың теле тәтелдәп асылып китергә генә торғанда, Закир: - Өсәр өлөш Себер билмәне, ҡурылған ҡуй ите, ит бәлеше, сәй... - тип теҙҙе лә һалды. | 253 |
«һай, ҡара һин уны, шундай һылыу бисәнең ҡулынан аш ашау бәхете насип булһынсы», тип эсенән генә ҡыуанып та ҡуйҙы. | «Һай, ҡара һин уны, шундай һылыу бисәнең ҡулынан аш ашау бәхете насип булһынсы», - тип эсенән генә ҡыуанып та ҡуйҙы. | 254 |
Аш-Һыуға иҫәпһеҙ мул булыр ине, - тип Кәзә Мәзин дә мулланың һүҙен ҡеүәтләне. | Аш-һыуға иҫәпһеҙ мул булыр ине, - тип Кәзә Мәзин дә мулланың һүҙен ҡеүәтләне. | 257 |
Ҡунаҡтар, был килешһеҙ ғәҙәтте күрмәмешкә һалышып, кемуҙарҙан: - Бик хуп. | Ҡунаҡтар, был килешһеҙ ғәҙәтте күрмәмешкә һалышып, кемуҙарҙан: - Бик хуп. | 259 |
Закир ғәйәт түбәнселекле тауыш менән: - Һеҙ, уҙамандар, яйлап ҡына сәй эсә тороғоҙ. | Закир ғәйәт түбәнселекле тауыш менән: - Һеҙ, уҙамандар, яйлап ҡына сәй эсә тороғоҙ. | 260 |
Ауылдаштары, был тиклем әҙәпле «аҙғынға» иҫтәре китеп: - Сығып ыҙаламаһаң да ярар ине лә, - тип тыныс ҡына һөйләнеп ултырып ҡалдылар. | Ауылдаштары, был тиклем әҙәпле «аҙғынға» иҫтәре китеп: - Сығып ыҙаламаһаң да ярар ине лә, - тип тыныс ҡына һөйләнеп ултырып ҡалдылар. | 262 |
Эй, яңылыш әйтәм, йомарт брикапппик!.. | Эй, яңылыш әйтәм, йомарт брикашшик!.. | 263 |
Бына мин һеҙҙе... полиция саҡыртып... тип ҡысҡырынырға кереште. | Бына мин һеҙҙе... полиция саҡыртып... - тип ҡысҡырынырға кереште. | 265 |
Ғаббас мулла менән Кәзә Мәзин, зимагор Закирҙы ете быуынынан төшөп әрләйҡарғай, һыҙлана-ҡалтырана, аш хаҡын түләп сыҡтылар. | Ғаббас мулла менән Кәзә Мәзин, зимагор Закирҙы ете быуынынан төшөп әрләй-ҡарғай, һыҙлана-ҡалтырана, аш хаҡын түләп сыҡтылар. | 266 |
Ул һикереп тороп, бая Гөлйыһан йүгергән һуҡмаҡтан яр аҫтына төштө, кейемһалымын ашығып ҡаҙ үләне өҫтөнә ырғытты. | Ул һикереп тороп, бая Гөлйыһан йүгергән һуҡмаҡтан яр аҫтына төштө, кейем-һалымын ашығып ҡаҙ үләне өҫтөнә ырғытты. | 267 |
Ул бит жулик!» тиер. | Ул бит жулик!» - тиер. | 268 |
Каширин отряды Иҫәнбәттә һатыбал бандаһын туҙҙырғандан һуң... | Каширин отряды Иҫәнбәттә Һатыбал бандаһын туҙҙырғандан һуң... | 270 |
Унан үкенесле тауыш менән: - Киткәйнем дә... | Унан үкенесле тауыш менән: - Киткәйнем дә... | 272 |
Минең атайымды, һәнәрсе Шәһит ҡартты, ишетеп һин дә беләһеңдер әле, Хаммат ағай? | Минең атайымды, һөнәрсе Шәһит ҡартты, ишетеп һин дә беләһеңдер әле, Хаммат ағай? | 275 |
Арба, сана, көрәкһәнәк, туҫтаҡ, тәпән... ижау, ҡалаҡ... | Арба, сана, көрәк-һәнәк, туҫтаҡ, тәпән... ижау, ҡалаҡ... | 276 |
Бер туҡтамай юныпйышып эшләп торор ине мәрхүм... | Бер туҡтамай юнып-йышып эшләп торор ине мәрхүм... | 277 |
Шаһиморат әкрен генә көлөп алды: - Үлерҙән саҡ ҡына алда тороп ултырған да әсәйемдән усаҡ өҫтөндә элеүле торған иләкте һорап алған. | Шаһиморат әкрен генә көлөп алды: - Үлерҙән саҡ ҡына алда тороп ултырған да әсәйемдән усаҡ өҫтөндә элеүле торған иләкте һорап алған. | 278 |
Шаһиморат ашыҡмай ғына Хаммат ҡараған яҡҡа борола: - Ә... был... беҙҙең Иҫәнбәт егете... | Шаһиморат ашыҡмай ғына Хаммат ҡараған яҡҡа борола: - Ә... был... беҙҙең Иҫәнбәт егете... | 280 |
Үтә теремек, яҡты ҡара күҙҙәрендә ҡыуаныслы ут балҡытып: - Эй, ағай, хәтерең бик тә һәйбәт икән дә... | Үтә теремек, яҡты ҡара күҙҙәрендә ҡыуаныслы ут балҡытып: - Эй, ағай, хәтерең бик тә һәйбәт икән дә... | 281 |
Йәш Совет власына ҡаршы көрәшкә йыйылып ятҡан һатыбал бандаһының ҡорал складын аңғармаҫтан баҫып алғайнылар. | Йәш Совет власына ҡаршы көрәшкә йыйылып ятҡан Һатыбал бандаһының ҡорал складын аңғармаҫтан баҫып алғайнылар. | 283 |
Әҙ генә уйланып, онотолоп торған Хаммат, еңелсә көрһөнөп, маңлайын һыйпай биреп алды ла баяғыса көр, асыҡ тауыш менән тағы егеткә өндәште: - Ә Сәхиулла ағайың ҡайҙа һуң? | Әҙ генә уйланып, онотолоп торған Хаммат, еңелсә көрһөнөп, маңлайын һыйпай биреп алды ла баяғыса көр, асыҡ тауыш менән тағы егеткә өндәште: - Ә Сәхиулла ағайың ҡайҙа һуң? | 284 |
Байгилде ағай менән улар һатыбал бандаһының ҡорбаны булдылар... | Байгилде ағай менән улар Һатыбал бандаһының ҡорбаны булдылар... | 285 |
Ахыр, Хаммат, ваҡытһыҙ баҫып килгән уй ҡоршауҙарын, өҙә һуҡҡандай итеп, ҡулдарын ҡырҡа һелтәп ебәрҙе лә таш өҫтөнән тороп китте, еңелеңел баҫып, йәһәтләп йөрөп алды, унан киң йәйләүҙә үҙен яңғыҙ хужа һанап, һаман әле ҡояшта ҡыҙынып ятҡан сыбар йыланды ҡулындағы ҡайыш ҡамсы менән урталай өҙә һуҡты. | Ахыр, Хаммат, ваҡытһыҙ баҫып килгән уй ҡоршауҙарын, өҙә һуҡҡандай итеп, ҡулдарын ҡырҡа һелтәп ебәрҙе лә таш өҫтөнән тороп китте, еңел-еңел баҫып, йәһәтләп йөрөп алды, унан киң йәйләүҙә үҙен яңғыҙ хужа һанап, һаман әле ҡояшта ҡыҙынып ятҡан сыбар йыланды ҡулындағы ҡайыш ҡамсы менән урталай өҙә һуҡты. | 286 |
*- Бер отрядлыҡ була яҙҙыҡ та, - тине Хаммат ҡәнәғәт тауыш менән. | Бер отрядлыҡ була яҙҙыҡ та, - тине Хаммат ҡәнәғәт тауыш менән. | 287 |
Ҡунаҡ ҡыҙын күргең килһә, Ҡурай ал да беҙгә бар. | Ҡунаҡ ҡыҙын күргең килһә, Ҡурай ал да беҙгә бар. | 291 |
Гөлйыһан ҡарындаш та бында икән дәһә, тип уңайһыҙланып ҡына көлөмһөрәне Закир. | Гөлйыһан ҡарындаш та бында икән дәһә, - тип уңайһыҙланып ҡына көлөмһөрәне Закир. | 292 |
Ҡыҙ инде сыңғыратып көлөп ебәрҙе: - һеҙ һуғышып йөрөгән арала, Закир ағай! | Ҡыҙ инде сыңғыратып көлөп ебәрҙе: - Һеҙ һуғышып йөрөгән арала, Закир ағай! | 295 |
Егет менән ҡыҙ ғына түгел, хатга әйләнә-тирәләге барлыҡ донъя ла, ниндәйҙер мөғжизә, ғәжәп бер хәл көткәндәй, һулыш алыуҙан туҡтап, тынып ҡалғайны шикелле был минутта. | Егет менән ҡыҙ ғына түгел, хатта әйләнә-тирәләге барлыҡ донъя ла, ниндәйҙер мөғжизә, ғәжәп бер хәл көткәндәй, һулыш алыуҙан туҡтап, тынып ҡалғайны шикелле был минутта. | 298 |
Еңгәһенең һүҙҙәре Закирҙың аңына көскә барып етге. | Еңгәһенең һүҙҙәре Закирҙың аңына көскә барып етте. | 299 |
Закирға уның: - Ағай, хуш!.. - тигән һыҡтаулы тауышы инде бик алыҫтан, ҡош осоп етмәҫ ерҙән килгән кеүек ишетелде. | Закирға уның: - Ағай, хуш!.. - тигән һыҡтаулы тауышы инде бик алыҫтан, ҡош осоп етмәҫ ерҙән килгән кеүек ишетелде. | 300 |
Закир айранды оҙаҡ ултырып, яйлап, йотомлап ҡына эсеп бөттө лә бошонҡо тауыш менән: - Айраның өсөн рәхмәт, еңгә... | Закир айранды оҙаҡ ултырып, яйлап, йотомлап ҡына эсеп бөттө лә бошонҡо тауыш менән: - Айраның өсөн рәхмәт, еңгә... | 301 |
Был ҡәһәр һуҡҡыр аҡтар ҡаңғыртты бит инде, ҡәйнеш, ҡаңғыртты... тине Өммөгөлсөм дә ҡайғылы тауышҡа күсеп. | Был ҡәһәр һуҡҡыр аҡтар ҡаңғыртты бит инде, ҡәйнеш, ҡаңғыртты... - тине Өммөгөлсөм дә ҡайғылы тауышҡа күсеп. | 302 |
Үҙебеҙҙең отрядты эҙләп, Белорет яғына китергә... | Үҙебеҙҙең отрядты эҙләп, Белорет яғына китергә... | 303 |
Иҫән-Һау йөрөйһөңмө? - тип, ике арала бер ни булмаған кеүек итеп, дуҫтарса йылы итеп өндәште. | Иҫән-һау йөрөйһөңмө? - тип, ике арала бер ни булмаған кеүек итеп, дуҫтарса йылы итеп өндәште. | 305 |
Хөснөлхаҡ, йәнәһе, тамам һыны ҡатып көлә-көлә, һөйләй алмай ыҙаланған кеше булып ҡыланды ла, тирә-яҡҡа шикле ҡаранып, йәшерен тауышҡа күсте: - Теге ҡыҙҙы әйтәм, минең ҡарындашты... | Хөснөлхаҡ, йәнәһе, тамам һыны ҡатып көлә-көлә, һөйләй алмай ыҙаланған кеше булып ҡыланды ла, тирә-яҡҡа шикле ҡаранып, йәшерен тауышҡа күсте: - Теге ҡыҙҙы әйтәм, минең ҡарындашты... | 309 |
Закир, түҙмәне: - Мине муллаларҙың хәл-әхүәле ҡыҙыҡһындырмай. | Закир, түҙмәне: - Мине муллаларҙың хәл-әхүәле ҡыҙыҡһындырмай. | 310 |
Теге тағы юлға арҡыры төштө: - Туҡта, һүҙҙең айышын көт, иҫәүән!.. | Теге тағы юлға арҡыры төштө: - Туҡта, һүҙҙең айышын көт, иҫәүән!.. | 311 |
Бына, төшөндөңмө хәҙер?., һине, аңра һарыҡты, фәрештә кеүек ҡыҙ ярата!.. | Бына, төшөндөңмө хәҙер?.. һине, аңра һарыҡты, фәрештә кеүек ҡыҙ ярата!.. | 312 |
Ул ҡорбанын аңға килмәҫ элек мәкер ауы менән бөтөнләй сырмап ташларға ашыҡты: Их, алмағастың алына, Былбыл ҡунған талына. | Ул ҡорбанын аңға килмәҫ элек мәкер ауы менән бөтөнләй сырмап ташларға ашыҡты: Их, алмағастың алына, Былбыл ҡунған талына. | 315 |
Егете алһын, ҡыҙы барһын Йәне һөйгән ярына, тип йырлайҙармы? | Егете алһын, ҡыҙы барһын Йәне һөйгән ярына, тип йырлайҙармы? | 316 |
Хөснөлхаҡ халыҡ яҙмышы өсөн йәне-йөрәгенән әсенгән кеше ҡиәфәтенә инеп һүҙен дауам итте: - Үлеп-ҡырылып бөтәсәк беҙҙең халыҡ! | Хөснөлхаҡ халыҡ яҙмышы өсөн йәне-йөрәгенән әсенгән кеше ҡиәфәтенә инеп һүҙен дауам итте: - Үлеп-ҡырылып бөтәсәк беҙҙең халыҡ! | 317 |
Ер-Һыуынан, мал-тыуарынан мәхрүм ҡалғас, бөтмәй ҡайҙа барһын?! | Ер-һыуынан, мал-тыуарынан мәхрүм ҡалғас, бөтмәй ҡайҙа барһын?! | 318 |
Мин хәҙер башҡорт милли автономияһының бер вәкиле, ҡаһарман башҡорт ғәскәрҙәренең ябай бер һалдаты...тип инде ҡабарына биреп һөйләп китте. | Мин хәҙер башҡорт милли автономияһының бер вәкиле, ҡаһарман башҡорт ғәскәрҙәренең ябай бер һалдаты... - тип инде ҡабарына биреп һөйләп китте. | 319 |
Көрәш башындағы ҡыйыу бер ваҡиғаны шулай ҡайтанан кисереп, онотолоп ҡалған Закирҙы Хөснөлхаҡтың: - һин бының менән нимә әйтмәксе булаһың, ҡустым? - тигән һорауы аңға килтерҙе. | Көрәш башындағы ҡыйыу бер ваҡиғаны шулай ҡайтанан кисереп, онотолоп ҡалған Закирҙы Хөснөлхаҡтың: - Һин бының менән нимә әйтмәксе булаһың, ҡустым? - тигән һорауы аңға килтерҙе. | 320 |
Закир уға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: - Һин ул саҡта, ағай кеше, башҡорт тигән милләт юҡ ул тигән бик оло бер фекер әйткәйнең, - тип ихлас көлөп ҡуйҙы. | Закир уға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: - Һин ул саҡта, ағай кеше, башҡорт тигән милләт юҡ ул тигән бик оло бер фекер әйткәйнең, - тип ихлас көлөп ҡуйҙы. | 321 |
Ни, ҡустым, үҙең уйлап ҡара, мин дә бит кеше... тип меҫкенләнеп кенә Закирға сирылып ҡараны Хөснөлхаҡ. | Ни, ҡустым, үҙең уйлап ҡара, мин дә бит кеше... - тип меҫкенләнеп кенә Закирға сирылып ҡараны Хөснөлхаҡ. | 322 |
Закир: - Бабичты әйтәһеңме әллә? - тип һорағас, шиғыр уҡыу был егет менән үҙ араһын яҡынайтыуға тағы бер сара булаһына кинәнеп: - Эйе, эйе! - тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. | Закир: - Бабичты әйтәһеңме әллә? - тип һорағас, шиғыр уҡыу был егет менән үҙ араһын яҡынайтыуға тағы бер сара булаһына кинәнеп: - Эйе, эйе! - тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. | 323 |
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.