raw_text
stringlengths
3
806
fixed_text
stringlengths
3
807
idx
int64
0
23.9k
Шул Бабич әйткәндәй: Күктә Алла, Ерҙә - иблис, Мин - малай, Береһе - «дин», тип, Береһе «мин», тип Тартҡылай.
Шул Бабич әйткәндәй: Күктә Алла, Ерҙә - иблис, Мин - малай, Береһе - «дин», тип, Береһе «мин», тип Тартҡылай.
324
Белмәйем: Әллә Алла, Әллә иблис Алдалай?! тип аптырап йөрөргә генә ҡалды инде хәҙер.
Белмәйем: Әллә Алла, Әллә иблис Алдалай?! тип аптырап йөрөргә генә ҡалды инде хәҙер.
325
Хөснөлхаҡ үҙенең уралтып-әйләндереп һаман бер нөктәгә сүкегән хәйләкәр һүҙе егеткә нисек тәьҫир иткәнен күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтә-күҙәтә дауам итте: - Шулай бит, ҡустым?
Хөснөлхаҡ үҙенең уралтып-әйләндереп һаман бер нөктәгә сүкегән хәйләкәр һүҙе егеткә нисек тәьҫир иткәнен күҙ ҡырыйы менән генә күҙәтә-күҙәтә дауам итте: - Шулай бит, ҡустым?
326
Хөснөлхаҡ уның был сәнскеле һорауын да ҡолаҡ янынан ғына уҙғарып ебәрҙе һәм баяғыса баҫалҡы тауыш менән: - Мин, туған, быға ана теге Иҫәнбәттәге һуйыштан һуң... үҙ-ара һуғыштың мәғәнәһеҙлеген аңлағас... милли азатлыҡ өсөн көрәшеү - үҙ-ара тартыштан юғары тороуына төшөнгәс... - тип өҙөп-өҙөп теҙә башлағайны ла, Закир, сабырһыҙланып, уның һүҙен бүлде: - Ул милли автономия өсөн кем менән, ҡайһы яҡ менән берләшеп көрәшер һуң ул башҡорт ғәскәре?

328
Хөснөлхаҡтың шул хәтле иғтибарлы, эскерһеҙ тауыш менән һөйләшергә тырышыуына ҡарамаҫтан, Закирҙың күңеленән ниндәйҙер бик үк таҙа булмаған эшкә ҡулы тейеүҙән ерәнеү һымаҡ ауыр тойғо китмәне, һәм ул бошонҡо ғына итеп: - Ҡайҙа һуң ул башҡорт ғәскәре? - тип һорап ҡуйҙы: - Ҡайҙа урынлашҡан?

330
Ул тағы, тәүге осрашҡандағы көр тауышҡа күсеп, хихылдап көлөп алды: - Төшөнәһеңме, ҡустым, Гөлйыһан һылыуҙы әйтәм, ул бит һине көтәсәк.
Ул тағы, тәүге осрашҡандағы көр тауышҡа күсеп, хихылдап көлөп алды: - Төшөнәһеңме, ҡустым, Гөлйыһан һылыуҙы әйтәм, ул бит һине көтәсәк.
332
Закир бошонҡо ғына мығырланды: - Иртәгә әйтермен...
Закир бошонҡо ғына мығырланды: - Иртәгә әйтермен...
333
Хаммат ҡоралһыҙлыҡҡа кәйефһеҙләнеп шымып ҡалған иптәштәренә шундай уҡ ҡәтғи етди тауыш менән: - Мылтыҡһыҙҙар, йығылған бер дошмандың ҡоралын, кейемен һалдырып алырға, атына атланырға әҙер тороғоҙ! - тип бойорҙо.

335
Берәм-Һәрәм аттар күренһә, беҙгә килеп хәбәр итеп тор.
Берәм-һәрәм аттар күренһә, беҙгә килеп хәбәр итеп тор.
337
Атаһы ҡабаланмай ғына сәй ҡайната, кәлгә күмеп бешерелгән ҡап-ҡара тәмле сөсө икмәкте йоҡа ғына итеп телемләп ашъяулыҡҡа һала...
Атаһы ҡабаланмай ғына сәй ҡайната, көлгә күмеп бешерелгән ҡап-ҡара тәмле сөсө икмәкте йоҡа ғына итеп телемләп ашъяулыҡҡа һала...
341
Унан ипләп кенә, уға боролоп ҡарамай ғына: - Кил, улым, тамаҡ ялғап алайыҡ, - ти.
Унан ипләп кенә, уға боролоп ҡарамай ғына: - Кил, улым, тамаҡ ялғап алайыҡ, - ти.
342
Әлморон сәскәһе, ҡарағат япрағы ҡатыштырып бешергән хуш еҫле сәй кипкән тамаҡты ебетеп, сыныҡҡан тәнде иретеп ебәргәс, атаһы ауыр ғына көрһөнөп: - Мин дә шулай осҡор күҙле инем, - тип ҡуйҙы.
Әлморон сәскәһе, ҡарағат япрағы ҡатыштырып бешергән хуш еҫле сәй кипкән тамаҡты ебетеп, сыныҡҡан тәнде иретеп ебәргәс, атаһы ауыр ғына көрһөнөп: - Мин дә шулай осҡор күҙле инем, - тип ҡуйҙы.
343
Шул саҡ Сәғит, үҙүҙен онотоп, илек етеҙлеге менән таштан-ташҡа һикереп, йәне-йөрәге менән шул ат артынан эйәрҙе.
Шул саҡ Сәғит, үҙ-үҙен онотоп, илек етеҙлеге менән таштан-ташҡа һикереп, йәне-йөрәге менән шул ат артынан эйәрҙе.
345
Улар бәреләһуғыла баш урынында ҡанлы ит кенә ҡалған мәйет янында туҡтанылар.
Улар бәрелә-һуғыла баш урынында ҡанлы ит кенә ҡалған мәйет янында туҡтанылар.
347
Сәғиҙулла, атыш туҡтап, ҡапыл үтә тын, буш булып ҡалған тирә-яҡҡа күҙ ташлап, тертләп китте: «Туҡта, мин ҡайҙа торам һуң әле?
Сәғиҙулла, атыш туҡтап, ҡапыл үтә тын, буш булып ҡалған тирә-яҡҡа күҙ ташлап, тертләп китте: «Туҡта, мин ҡайҙа торам һуң әле?
349
Унан сая һикереп атҡа атланды: «Йә, ярай, дейеү ҡыҙы булһаң - бул!
Унан сая һикереп атҡа атланды: «Йә, ярай, дейеү ҡыҙы булһаң - бул!
350
Унан: Күпте белһәң - тиҙ ҡартайырһың, мырҙам! - тине лә, уны ҡапыл үҙенән ситкә этәреп, күҙен йәшерергә ашыҡҡандай йәһәтләп, аҙбар яғына китеп барҙы.
Унан: - Күпте белһәң - тиҙ ҡартайырһың, мырҙам! - тине лә, уны ҡапыл үҙенән ситкә этәреп, күҙен йәшерергә ашыҡҡандай йәһәтләп, аҙбар яғына китеп барҙы.
357
Шулай ҙа, әсәгә генә хас ғәфү итеүсәнлек менән: - Закир, улым, тиҙҙән аш өлгөрә, һин яратҡан ҡаҡлаған ҡаҙ бешә.
Шулай ҙа, әсәгә генә хас ғәфү итеүсәнлек менән: - Закир, улым, тиҙҙән аш өлгөрә, һин яратҡан ҡаҡлаған ҡаҙ бешә.
358
Ни өсөндөр, аҡланған тауыш менән: - Мин бит уны һабағы менән өҙөп алмайым, - тип кенә ҡуйҙы.
Ни өсөндөр, аҡланған тауыш менән: - Мин бит уны һабағы менән өҙөп алмайым, - тип кенә ҡуйҙы.
359
Ул хатта үҙенең ҡайҙа, ниндәй ваҡытта һөйләшеп ултырыуын да онотҡандай: - Ни эшләй алабыҙ, ни эшләй алабыҙ! - тип йәне көйөп, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Ул хатта үҙенең ҡайҙа, ниндәй ваҡытта һөйләшеп ултырыуын да онотҡандай: - Ни эшләй алабыҙ, ни эшләй алабыҙ! - тип йәне көйөп, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
362
Унан мыҫҡыллы тауыш менән: - Ҡоро ҡул менәнме? - тип һораны.
Унан мыҫҡыллы тауыш менән: - Ҡоро ҡул менәнме? - тип һораны.
363
Алеша ла, кинәнеп: - Эйе, - тип ҡуйҙы.
Алеша ла, кинәнеп: - Эйе, - тип ҡуйҙы.
366
Алеша инде өлкәндәрсә баҫалҡы ғына: - Шикләнмәйем дә ул... - тип ҡуйҙы.
Алеша инде өлкәндәрсә баҫалҡы ғына: - Шикләнмәйем дә ул... - тип ҡуйҙы.
367
Йә-йә, әкренерәк...- тип, үтә һаҡ бышылдап, Алеша уның һүҙен бүлде.
Йә-йә, әкренерәк... - тип, үтә һаҡ бышылдап, Алеша уның һүҙен бүлде.
369
Хәҙер уның үҙенең дә мырҙаһы бар - һөйөндөк.
Хәҙер уның үҙенең дә мырҙаһы бар - Һөйөндөк.
370
Әммә Емеш уға иғтибар итмәй, моңайып урам буйына, әхирәте Шәүрәләр яғына ҡарай: «Әй-й, йүтереп китһәң ине лә барып етһәң ине.
Әммә Емеш уға иғтибар итмәй, моңайып урам буйына, әхирәте Шәүрәләр яғына ҡарай: «Әй-й, йүгереп китһәң ине лә барып етһәң ине.
371
Ауыҙы тулы аҡ үткер тештәрен күрһәтеп, әленәнәле апаһына матур итеп яратып йылмайып ҡарай, күпереп торған йомшаҡ ҡына ҡулдары менән уның сәсенән, танауынан тарта, күгәрсен кеүек гөрләй-тәтелдәй уның иғтибарын яуларға тырыша.
Ауыҙы тулы аҡ үткер тештәрен күрһәтеп, әленән-әле апаһына матур итеп яратып йылмайып ҡарай, күпереп торған йомшаҡ ҡына ҡулдары менән уның сәсенән, танауынан тарта, күгәрсен кеүек гөрләй-тәтелдәй уның иғтибарын яуларға тырыша.
372
Ахыр, сабыры етмәй һикереп торҙо: - Әйҙә, мыртый, беҙ ҙә барайыҡ әле!..
Ахыр, сабыры етмәй һикереп торҙо: - Әйҙә, мыртый, беҙ ҙә барайыҡ әле!..
373
Өсөнсөләре шунда уҡ үткәндә булған хәлдәргә күсеп китә: - Эйе, анауы ярман һуғышы башланған йылды шулай бер егет, һыуға батҡан ҡыҙҙы ҡотҡарам тип, үҙе лә тап ошонда үлеп ҡалды бит...
Өсөнсөләре шунда уҡ үткәндә булған хәлдәргә күсеп китә: - Эйе, анауы ярман һуғышы башланған йылды шулай бер егет, һыуға батҡан ҡыҙҙы ҡотҡарам тип, үҙе лә тап ошонда үлеп ҡалды бит...
375
Әленән-әле Аллаға мөрәжәғәт итәләр, ярҙам һәм яҡшылыҡ теләп ялбаралар: - Я Алла!
Әленән-әле Аллаға мөрәжәғәт итәләр, ярҙам һәм яҡшылыҡ теләп ялбаралар: - Я Алла!
376
Йыһанда берҙәнбер, сикһеҙ-тиңһеҙ, үлемһеҙ Аллаһы Тәғәлә...
Йыһанда берҙән-бер, сикһеҙ-тиңһеҙ, үлемһеҙ Аллаһы Тәғәлә...
377
Ә Шәүрә, әхирәтен юрый түҙемдән сығарырға теләгәндәй, Һөйөндөк менән булаша: - Тайт, сусҡа малай!
Ә Шәүрә, әхирәтен юрый түҙемдән сығарырға теләгәндәй, Һөйөндөк менән булаша: - Тайт, сусҡа малай!
378
Әхирәтенең ниндәй генә хәлдә лә ғәмһеҙ-вайымһыҙ булып ҡала ала торған сабыр ғәҙәтен белһә лә, был юлы Емеш уға, ысынлап та, йыл күрмәгәндәй аптырап ҡараны: - Шәүрә, йәнһеҙ, бында ниндәй хәл булған, тим дәһә?!

379
Ә ул бер ни булмаған төҫ менән аяғын ярҙан һалындырып болғайболғай тып-тыныс ултыра.
Ә ул бер ни булмаған төҫ менән аяғын ярҙан һалындырып болғай-болғай тып-тыныс ултыра.
380
Емеш аптыраулы ҡарашын тағы әхирәтенә йүнәлтте: - Китсе, Шәүрәкәй, ниңә шулай юҡты бытылдайһың һин?!
Емеш аптыраулы ҡарашын тағы әхирәтенә йүнәлтте: - Китсе, Шәүрәкәй, ниңә шулай юҡты бытылдайһың һин?!
381
Ә Шәүрә, уның һайын белдеклеләнеп: - Ысынды әйтәм.
Ә Шәүрә, уның һайын белдеклеләнеп: - Ысынды әйтәм.
383
Емеш Шәүрәнән һынаулы һәм аптыраулы ҡарашын ала алмай йөҙәне: «Был ни?
Емеш Шәүрәнән һынаулы һәм аптыраулы ҡарашын ала алмай йөҙәне: «Был ни?
384
Керпек остарына ауыр йәш тамсылары ҡунды, һәм ул мырҙаһын ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты ла йәһәт кенә ҡайтыу яғына боролдо: «Был Шәүрә әллә төптө йәнһеҙ, әллә юрамал йәнһеҙгә һалыша?!»
Керпек остарына ауыр йәш тамсылары ҡунды, һәм ул мырҙаһын ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты ла йәһәт кенә ҡайтыу яғына боролдо: «Был Шәүрә әллә төптө йәнһеҙ, әллә юрамал йәнһеҙгә һалыша?!»
386
Емеш әсә менән баланың бәхетенә һоҡланып ҡарап тора бирҙе лә ипләп кенә хәбәр итте: - Апай, Шәмсиә еңгәй батып үлгән...
Емеш әсә менән баланың бәхетенә һоҡланып ҡарап тора бирҙе лә ипләп кенә хәбәр итте: - Апай, Шәмсиә еңгәй батып үлгән...
387
Кинәнеп, һөйә-иркәләй бала имеҙеп ултырған Бибеш һеңлеһенә күтәрелеп ҡарамай ғына: - Байрас та бөгөн иртәнсәк волосҡа сығып киткән, тип хәбәр итте.
Кинәнеп, һөйә-иркәләй бала имеҙеп ултырған Бибеш һеңлеһенә күтәрелеп ҡарамай ғына: - Байрас та бөгөн иртәнсәк волосҡа сығып киткән, - тип хәбәр итте.
388
Шул саҡ уның хәтеренә ҡасандыр Ҡарасәс инәйҙән ишеткән бер мәҡәл килде: үҙ ҡайғыһы - үҙәктә, кеше ҡайғыһы кештәктә...
Шул саҡ уның хәтеренә ҡасандыр Ҡарасәс инәйҙән ишеткән бер мәҡәл килде: үҙ ҡайғыһы - үҙәктә, кеше ҡайғыһы - кештәктә...
389
Емеш ҡабаланып тороп ултырҙы: - Тереме?!
Емеш ҡабаланып тороп ултырҙы: - Тереме?!
391
Емеш .был мажараны күптән үк ишетеп белгәнгә, артыҡ иғтибар менән тыңламаны.
Емеш был мажараны күптән үк ишетеп белгәнгә, артыҡ иғтибар менән тыңламаны.
394
Бөтә нәмәне алдан белеүсән Шәүрә был юлы ла аптырап ҡалманы: - Ҡара әле!..
Бөтә нәмәне алдан белеүсән Шәүрә был юлы ла аптырап ҡалманы: - Ҡара әле!..
395
Шәүрә һаман телһеҙ ултырған әхирәтенең толомонан тартты: - Йә, иҫләнеңме, ниңә өндәшмәйһең?
Шәүрә һаман телһеҙ ултырған әхирәтенең толомонан тартты: - Йә, иҫләнеңме, ниңә өндәшмәйһең?
396
Малайҙар, ҡыҙҙарға һис тә иғтибар итмәй, һөйләшәһөйләшә уҙып киттеләр.
Малайҙар, ҡыҙҙарға һис тә иғтибар итмәй, һөйләшә-һөйләшә уҙып киттеләр.
397
Емеш күлдәгенә йәбешкән үләндәрҙе ҡаға-ҡаға тороп баҫты: - Уй Алла, ҡалай эҫе булып китте.
Емеш күлдәгенә йәбешкән үләндәрҙе ҡаға-ҡаға тороп баҫты: - Уй Алла, ҡалай эҫе булып китте.
398
Ә Шәүрә, ғәҙәтенсә, мәҙәк итеп, ишеткән-күргәнен теҙә бирҙе: - Бибекәй инәй мәрттән ҡайтҡас та һаман шул бер һүҙҙе һөйләй, ти.
Ә Шәүрә, ғәҙәтенсә, мәҙәк итеп, ишеткән-күргәнен теҙә бирҙе: - Бибекәй инәй мәрттән ҡайтҡас та һаман шул бер һүҙҙе һөйләй, ти.
399
Алеша өлкәндәрсә уның яурынынан ҡаҡты: - Иҫеңде йый, дуҫ!
Алеша өлкәндәрсә уның яурынынан ҡаҡты: - Иҫеңде йый, дуҫ!
402
Их, шуларҙы берәм-берәм атып йығып ҡына торорға ине, - тип бышылдай Алеша, түҙемен юғалтып, ошонан...
Их, шуларҙы берәм-берәм атып йығып ҡына торорға ине, - тип бышылдай Алеша, түҙемен юғалтып, - ошонан...
404
Төн еткәс, ауатүнә, көскә өйгә ҡайттылар.
Төн еткәс, ауа-түнә, көскә өйгә ҡайттылар.
405
Сергей Хитровтың иҫерек Апанасы Алешаның әсәһенә килеп бәйләнеп йөрөнө: - һин бит алтын сәсле һыу һылыуы!
Сергей Хитровтың иҫерек Апанасы Алешаның әсәһенә килеп бәйләнеп йөрөнө: - Һин бит алтын сәсле һыу һылыуы!
406
Алешаның әсәһе ухыуат менән башына тондорғас, нагандан'ата-ата сығып ҡасты.
Алешаның әсәһе ухыуат менән башына тондорғас, нагандан ата-ата сығып ҡасты.
408
Бер нисә көндән Илсеғолда унан да хәтәрерәк хәбәр таралды: - Төндә Хәлим ҡарт менән Хисбулланы алып киткәндәр: береһенең ағаһы, икенсеһенең улы ҡыҙылдар яғында.
Бер нисә көндән Илсеғолда унан да хәтәрерәк хәбәр таралды: - Төндә Хәлим ҡарт менән Хисбулланы алып киткәндәр: береһенең ағаһы, икенсеһенең улы ҡыҙылдар яғында.
411
Эс бошорғос бер төҫ һоро бүрәнә өйҙәрҙең ябыҡ тәҙрәләре үтә ҡыҫылаөҙөлә нәҙек кенә ут яҡтыһы һуҙыла, һирәк-һаяҡ таҡта ҡапҡаларҙың шөбһәле шығырлауы ҡолаҡҡа сағылып ҡала, әлдән-әле һыбайлылар, йәйәүлеләр уҙып тора, Көньяҡ Урал партизандар армияһының штабы урынлашҡан йорт яғынан һөйләшкән-йүгерешкән, ҡырҡыу команда биргән тауыштар ишетелеп ҡала, тынғыһыҙ төнгә һуҡранып, сәүкәләр сәңкелдәшә...
Эс бошорғос бер төҫ һоро бүрәнә өйҙәрҙең ябыҡ тәҙрәләре үтә ҡыҫыла-өҙөлә нәҙек кенә ут яҡтыһы һуҙыла, һирәк-һаяҡ таҡта ҡапҡаларҙың шөбһәле шығырлауы ҡолаҡҡа сағылып ҡала, әлдән-әле һыбайлылар, йәйәүлеләр уҙып тора, Көньяҡ Урал партизандар армияһының штабы урынлашҡан йорт яғынан һөйләшкән-йүгерешкән, ҡырҡыу команда биргән тауыштар ишетелеп ҡала, тынғыһыҙ төнгә һуҡранып, сәүкәләр сәңкелдәшә...
414
Ҡоралың йөрәгең кеүек яҙлыҡмай эшләп торорға тейеш, тип уйлайым мин. - Ҡоралың йөрәгең кеүек тоғро, мәргән булһын, ә! тип кинәнеп ҡабатланы Әхәт.
Ҡоралың йөрәгең кеүек яҙлыҡмай эшләп торорға тейеш, тип уйлайым мин. - Ҡоралың йөрәгең кеүек тоғро, мәргән булһын, ә! - тип кинәнеп ҡабатланы Әхәт.
417
Ул, ҡәнәғәт йылмайып, әкрен генә баш сайҡап ҡуйҙы: «Мин каторганан ҡайтҡас, Илсеғолда итек тегеп ултырған мәл...
Ул, ҡәнәғәт йылмайып, әкрен генә баш сайҡап ҡуйҙы: «Мин каторганан ҡайтҡас, Илсеғолда итек тегеп ултырған мәл...
421
Моңһоу ярты ай янында айырата сағыу балҡыған эңер сулпанына ҡарап һылтыҡлай-һылтыҡлай, һаман тауыштынһыҙ барған Тимербай эстән генә көрһөнөп ҡуйҙы: «Их, рәссам булырға тигән маҡсатҡа ирешергә ине...
Моңһоу ярты ай янында айырата сағыу балҡыған эңер сулпанына ҡарап һылтыҡлай-һылтыҡлай, һаман тауыш-тынһыҙ барған Тимербай эстән генә көрһөнөп ҡуйҙы: «Их, рәссам булырға тигән маҡсатҡа ирешергә ине...
422
Иштуған, Тимербайҙың изге уйын аңлағандай, яратып, тағы яурынына ҡулын һалды: - Ҡайтып еттек, ағай!
Иштуған, Тимербайҙың изге уйын аңлағандай, яратып, тағы яурынына ҡулын һалды: - Ҡайтып еттек, ағай!
423
Симдән Ҡариҙелгә хәтле һуҙылған күп меңле армия тау йылғаһы шикелле бөтә һикәлтәләрҙе, кәртәләрҙе ватыпемереп алға бара.
Симдән Ҡариҙелгә хәтле һуҙылған күп меңле армия тау йылғаһы шикелле бөтә һикәлтәләрҙе, кәртәләрҙе ватып-емереп алға бара.
424
Тимербай, тыйнаҡ ҡына йылмайып: - һеҙ, иптәш командир, революция халыҡтың бөтә рухи байлығын үҙендә туплағанда ғына көслө, тиһегеҙ бит.
Тимербай, тыйнаҡ ҡына йылмайып: - Һеҙ, иптәш командир, революция халыҡтың бөтә рухи байлығын үҙендә туплағанда ғына көслө, тиһегеҙ бит.
425
Уйна, - тип ҡабатланы Василий Константинович, йыр, моңдо большевиктарҙың ҡалай баһалауын халыҡ белһен.
Уйна, - тип ҡабатланы Василий Константинович, - йыр, моңдо большевиктарҙың ҡалай баһалауын халыҡ белһен.
427
Ҡапыл ҡурай тауышын да, Иштуғандың тыныс уйын да ҡырт киҫкән ҡеүәтле команда яңғырап китте: - Ҡоралға!
Ҡапыл ҡурай тауышын да, Иштуғандың тыныс уйын да ҡырт киҫкән ҡеүәтле команда яңғырап китте: - Ҡоралға!
430
Ул, халыҡ алдында ғәфү үтенгән төҫ менән тыйнаҡ ҡына йылмайып, ҡурайын ҡынына һалды: - Ничего, туғандар, һуғышты бөтөргәс, иркенләп уйнарбыҙ әле ҡурайҙы...
Ул, халыҡ алдында ғәфү үтенгән төҫ менән тыйнаҡ ҡына йылмайып, ҡурайын ҡынына һалды: - Ничего, туғандар, һуғышты бөтөргәс, иркенләп уйнарбыҙ әле ҡурайҙы...
431
Ул, ҡәһәрләнеп, атының һырт буйына ҡамсы менән тондоратондора, отряд артынан сапты.
Ул, ҡәһәрләнеп, атының һырт буйына ҡамсы менән тондора-тондора, отряд артынан сапты.
432
Шәүрә бара торғас, бөгөн инде нисәнселер тапҡыр был көндәрҙә ике ғаиләнең дә йөрәгендә таш булып ятҡан ауыр һорауға тотона: - Емеш, һин нисек уйлайһың, үлтерерҙәрме икән ни уларҙы?
Шәүрә бара торғас, бөгөн инде нисәнселер тапҡыр был көндәрҙә ике ғаиләнең дә йөрәгендә таш булып ятҡан ауыр һорауға тотона: - Емеш, һин нисек уйлайһың, үлтерерҙәрме икән ни уларҙы?
434
Юҡһа ҡултығың аҫтына шайтан йәшенер ҙә, йәшен, шайтанды атам тип, яңылыш һине атып ҡуйыр! тип өйрәтте.
Юҡһа ҡултығың аҫтына шайтан йәшенер ҙә, йәшен, шайтанды атам тип, яңылыш һине атып ҡуйыр! - тип өйрәтте.
438
Аслытуҡлы йөрөүгә күптән күнгән бит инде ул. Хатта ул үҙенең асыҡҡанлығы, ашарға кәрәклеге хаҡында уйларға ла онотҡан һымаҡ.
Аслы-туҡлы йөрөүгә күптән күнгән бит инде ул. Хатта ул үҙенең асыҡҡанлығы, ашарға кәрәклеге хаҡында уйларға ла онотҡан һымаҡ.
441
Емеш тә, ахыры, аҙыҡҡа ас күҙләнеп, һоғаланып-ҡомһоҙланып ташланыуҙы ғәйеп иткәнде белеп үҫкәнгәме, әллә кеше яҙмышы, әйләнәтирәләге тормош тураһында һүҙ барғанда үҙен онотоп ебәреүсән ғәҙәте булғанғамы, әллә ниҙә бер ҡалаҡ һурпа ҡабып, һалмаларҙы берәр бөртөкләп кенә тел өҫтөндә иретеп, бәләкәс кенә бер сеүәтә бишбармаҡты бик оҙаҡ ашап бөтә алмай ултырҙы.
Емеш тә, ахыры, аҙыҡҡа ас күҙләнеп, һоғаланып-ҡомһоҙланып ташланыуҙы ғәйеп иткәнде белеп үҫкәнгәме, әллә кеше яҙмышы, әйләнә-тирәләге тормош тураһында һүҙ барғанда үҙен онотоп ебәреүсән ғәҙәте булғанғамы, әллә ниҙә бер ҡалаҡ һурпа ҡабып, һалмаларҙы берәр бөртөкләп кенә тел өҫтөндә иретеп, бәләкәс кенә бер сеүәтә бишбармаҡты бик оҙаҡ ашап бөтә алмай ултырҙы.
446
Бибекәй әбей табындағы һәр кешегә күптән күрмәгән, һағынған ҡараш менән бала һымаҡ ҡыйыуһыҙ, йыуаш ҡына йылмайып, берәм-берәм ҡарап сыҡты ла әлеге бер һүҙҙе генә ҡабатланы: - Минең Шәмсиәм кафыр үлмәгән...

449
Бынамын тигән һау, ғәййәр егет булып китер әле, насип булһа... тигән өмөтлө һығымтаһы менән тамамланды.
Бынамын тигән һау, ғәййәр егет булып китер әле, насип булһа... - тигән өмөтлө һығымтаһы менән тамамланды.
451
Аҡтар, чехтар тотош биләп алған был ерҙә ҡайҙандыр «пәйҙә» булған ҡыҙылдар хаҡында Зөбәржәт еңгә тағы ла күберәк белә булып сыҡты: - Ул ҡыҙылдар хаҡында кисә мин дә ишетеп ҡайттым әле.
Аҡтар, чехтар тотош биләп алған был ерҙә ҡайҙандыр «пәйҙә» булған ҡыҙылдар хаҡында Зөбәржәт еңгә тағы ла күберәк белә булып сыҡты: - Ул ҡыҙылдар хаҡында кисә мин дә ишетеп ҡайттым әле.
452
Зөбәржәт еңгә, һирәк-һаяҡ ҡына ит, һалма ҡабыштырып, һүҙен дауам итте: - Кисә иртәнсәк мин, әлеге-баяғы шул, атаһын күреп, һөйләшеп булмаҫмы, тип, тағы йәйәүләп-ялпылдап волосҡа барып сыҡтым...
Зөбәржәт еңгә, һирәк-һаяҡ ҡына ит, һалма ҡабыштырып, һүҙен дауам итте: - Кисә иртәнсәк мин, әлеге-баяғы шул, атаһын күреп, һөйләшеп булмаҫмы, тип, тағы йәйәүләп-ялпылдап волосҡа барып сыҡтым...
453
Зөбәржәт еңгә: - Ҡайҙа ул!
Зөбәржәт еңгә: - Ҡайҙа ул!
454
Зөбәржәт еңгә, ауыр көрһөнөп, күңелһеҙ генә һуҙып ҡуйҙы: - Әй-й...
Зөбәржәт еңгә, ауыр көрһөнөп, күңелһеҙ генә һуҙып ҡуйҙы: - Әй-й...
457
Бына ул әленән-әле итәгендә ултырған улын тупылдатып һөйә лә иркә тауыш менән: - Һөйөндөктөң атаһы ҡайтты! - ти.
Бына ул әленән-әле итәгендә ултырған улын тупылдатып һөйә лә иркә тауыш менән: - Һөйөндөктөң атаһы ҡайтты! - ти.
459
Еҙнәһенең ауыҙы ҡыуаныстан киң йырылып, ҡарпайыбыраҡ торған ҡолаҡтарына хәтле барып етә: - Кил, улым, кил.
Еҙнәһенең ауыҙы ҡыуаныстан киң йырылып, ҡарпайыбыраҡ торған ҡолаҡтарына хәтле барып етә: - Кил, улым, кил.
460
Мин бит һине бик-бик һағындым... ти.
Мин бит һине бик-бик һағындым... - ти.
461
Ә Һөйөндөк ҡабарынҡы матур ҡулдары менән атаһының оҙон булып үҫергә өлгөргән ерән һаҡалынан тотоп тарта ла: - Ҡойҙоҡ! - ти.
Ә Һөйөндөк ҡабарынҡы матур ҡулдары менән атаһының оҙон булып үҫергә өлгөргән ерән һаҡалынан тотоп тарта ла: - Ҡойҙоҡ! - ти.
462
Ысынысын, кәүҙәгә лә уның шикелле бик елле кеше ине!
Ысын-ысын, кәүҙәгә лә уның шикелле бик елле кеше ине!
464
Унан, ҡаты итеп: - һин был шигеңде берәйһенә әйттеңме? - тип һораны.
Унан, ҡаты итеп: - Һин был шигеңде берәйһенә әйттеңме? - тип һораны.
466
Хисбулла шул уҡ тыныс, йылмайыулы тауыш менән артабан һөйләй. ...Офицер исемлеккә оҙаҡ ҡарап торҙо ла шундай ҡоро уҫал тауыш менән, быларҙың ғәйептәре нимәлә, тип һораны, ти.
Хисбулла шул уҡ тыныс, йылмайыулы тауыш менән артабан һөйләй. ...Офицер исемлеккә оҙаҡ ҡарап торҙо ла шундай ҡоро уҫал тауыш менән, быларҙың ғәйептәре нимәлә, тип һораны, ти.
467
Ишет!» тип әйтте, ти.
Ишет!» - тип әйтте, ти.
471
Иҫән-Һау өйгә ҡайтҡаның өсөн Аллаға ғибәҙәт ҡыл...
Иҫән-һау өйгә ҡайтҡаның өсөн Аллаға ғибәҙәт ҡыл...
472
Халыҡта күпме ат, арба бар - бөтәһе бүрәнә, ағасташ ташырға егелгән.
Халыҡта күпме ат, арба бар - бөтәһе бүрәнә, ағас-таш ташырға егелгән.
473
Аяғынан яраланған йәш сыуаш егете, ҡуйы керпектәрен һирпелтеп, Тимербай янында ятҡан патрондарға ымланы: - Лента ла шул ғына...
Аяғынан яраланған йәш сыуаш егете, ҡуйы керпектәрен һирпелтеп, Тимербай янында ятҡан патрондарға ымланы: - Лента ла шул ғына...
474
Йәш егет үҙ һүҙләнеп баш һелкте: - Мин йәшенмәйем.
Йәш егет үҙ һүҙләнеп баш һелкте: - Мин йәшенмәйем.
475
Оҙаҡламай ҡылыс күтәреп, ҡысҡыра-үкерә сабып килгән һыбайлылар күренде, һөлөктәй шыма ҡара юртаҡ менгән йәш бер офицер, айырата сая һөрәнләп, баш осонда ҡылыс уйнатып, йән-фарман сабып килә, сағыу, йәш тауыш менән бер өҙлөкһөҙ: - Ур-ра!

476
Аралар йәшен тиҙлегендә яҡынайҙы, күҙ асып йомғансы ике ғәскәр йөҙгә-йөҙ килеп бәрелеште, сәнсешкиҫеш, үлтереш китте.
Аралар йәшен тиҙлегендә яҡынайҙы, күҙ асып йомғансы ике ғәскәр йөҙгә-йөҙ килеп бәрелеште, сәнсеш-киҫеш, үлтереш китте.
481
Күпме шулай дауам иткәндер, был сая һуғыш, уныһын бер кем дә белмәне.
Күпме шулай дауам иткәндер был сая һуғыш, уныһын бер кем дә белмәне.
482
Иштуған,, күҙен йома биреп, тағы бер аҙ хәлһеҙ бәүелеп торҙо: «Мин бынауы һатлыҡ Закир ҡасҡын өсөн көйөнгән булып, ул саҡта Тимербай ағайға иғтибар ҙа итмәгәнмен бит, ахмаҡ!
Иштуған, күҙен йома биреп, тағы бер аҙ хәлһеҙ бәүелеп торҙо: «Мин бынауы һатлыҡ Закир ҡасҡын өсөн көйөнгән булып, ул саҡта Тимербай ағайға иғтибар ҙа итмәгәнмен бит, ахмаҡ!
485
Ниҙер, кемделер эҙләгәндәй, ҡабаланып яҡяғын ҡапшап алды.
Ниҙер, кемделер эҙләгәндәй, ҡабаланып яҡ-яғын ҡапшап алды.
486
Сәлимәкәй, һылыуым! - ти Хаммат, өҙөлөп, килсе...
Сәлимәкәй, һылыуым! - ти Хаммат, өҙөлөп, - килсе...
487
Ләкин Сәлимә уның ҡул аҫтынан шыуып китә лә төптө икенсе урындан, шаян йылмайып, тағы баяғы тылсымлы һүҙен ҡабатлай: - Хамматым, йәнем!
Ләкин Сәлимә уның ҡул аҫтынан шыуып китә лә төптө икенсе урындан, шаян йылмайып, тағы баяғы тылсымлы һүҙен ҡабатлай: - Хамматым, йәнем!
488
Ул һаман шулай көлә-шаяра, тапгган ташҡа, ағастан ағасҡа һикереп бейеккә, ҡара урманлы ҡая тауға үрмәләй...
Ул һаман шулай көлә-шаяра, таштан ташҡа, ағастан ағасҡа һикереп бейеккә, ҡара урманлы ҡая тауға үрмәләй...
490
Ахыр бына ул баш әйләндергес бейек ҡара ҡаяның иң осона менеп баҫты, сәстәрен бөҙрә болоттарға һирпелтеп, түбәнгә, Хамматҡа, йылмайып ҡараны ла ашығып ҡысҡырып ебәрҙе: - Йәһәтерәк бул, йәнем!..
Ахыр бына ул баш әйләндергес бейек ҡара ҡаяның иң осона менеп баҫты, сәстәрен бөҙрә болоттарға һирпелтеп, түбәнгә, Хамматҡа, йылмайып ҡараны ла ашығып ҡысҡырып ебәрҙе: - Йәһәтерәк бул, йәнем!..
492
Сәғитте лә табып алып ҡайтҡандыр...» тип өмөтлө уйға ла күсергә теләне.
Сәғитте лә табып алып ҡайтҡандыр...» - тип өмөтлө уйға ла күсергә теләне.
496
Ахыр Хаммат еңелде: - Ярар, бар, мырҙа, уңыш теләйем, - тине.
Ахыр Хаммат еңелде: - Ярар, бар, мырҙа, уңыш теләйем, - тине.
497
Был С ыуаҡай әбейҙең ейәнсәре Мәхмүзә ине.
Был Сыуаҡай әбейҙең ейәнсәре Мәхмүзә ине.
498
Үҙең уйлап бел!.. .
Үҙең уйлап бел!..
499