ba
stringlengths
0
3.17k
ru
stringlengths
1
3.11k
corpus
stringclasses
7 values
70-се йй. башында Стәрлетамаҡта ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе машиналар эшләү заводы, Ишембайҙа машиналар эшләүсе «Витязь» транспорт заводы эш башлай.
В конце 70-х гг. начали действовать Стерлитамакский машиностроительный завод по производству с.-х. техники, Ишимбайский завод транспортного машиностроения “Витязь”.
bashkir encyclopedia
БР-ҙың электр энергияһы системаһы йылылыҡ электр станцияларын (60,1%), гидроэлектростанцияларҙы (0,5%), электр (25,3%) һәм йылылыҡ (9,4%) селтәрҙәрен, ҡаҙанлыҡтарҙы (4,6%), башҡа электр станцияларын (0,1%) берләштерә.
Система электроэнергетики РБ объединяет тепловые электростанции (60,1%), гидроэлектростанции (0,5), электрич. (25,3) и тепловые (9,4) сети, котельные (4,6), пр. электростанции (0,1%).
bashkir encyclopedia
Республиканың төп байлыҡтарының береһе – урман ресурсы: урмандарҙың дөйөм майҙаны 2017 йылда 5,7 млн гектар тәшкил итә.
К числу осн. богатств республике относят лесные ресурсы: общая площадь лесов составила 5,7 млн га (2017).
bashkir encyclopedia
Урман массивтары башлыса республиканың көнсығыш һәм төньяҡ өлөштәрендә тупланған.
Лесные массивы в основном сосредоточены в вост. и сев. частях терр. республики.
bashkir encyclopedia
Ағас әҙерләү сәнәғәтендә үҙағастың дөйөм күләменән 80 проценттан күберәге ағас эшкәртеүсе предприятиеларҙа (бысыу, фанера, шырпы, таралар эшләү) һәм целлюлоза-ҡағыҙ тармаҡтарында башҡарыла.
Из общего объёма древесины лесозаготовительной промышленности более 80% перерабатывается на предприятиях деревообрабатывающей (лесопиление, фанерное, спичечное, тарное производства) и целлюлозно-бумажной отраслей.
bashkir encyclopedia
Әмзә урман комбинаты ағасты химик һәм химик-механик эшкәртә.
Хим. и химико­мех. переработку древесины осуществляет Амзинский лесокомбинат.
bashkir encyclopedia
Ағас эшкәртеүҙәге төп ҡеүәт (продукцияның 70% тирәһе) үҙәк иҡтисади төбәктә тупланған, ә урал һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа – ни бары 20% тирәһе.
Осн. мощн. по деревообработке (около 70% продукции) сконцентрированы в центральном экон. подрайоне, в уральском и северо-вост. — лишь около 20%.
bashkir encyclopedia
Республика урман продукцияһын төбәк-ара бүлеү һәм алмашыуҙа ҡатнаша.
Респ. участвует в межрегиональном распределении и обмене лесопродукцией.
bashkir encyclopedia
БР-ҙа етештерелгән фанераның, шырпының, тараларҙың, йорт йыһазының 70 проценты ситкә сығарыла.
Более 70% производимых в Республике Башкортостан фанеры, спичек, тары, мебели вывозится за её пределы.
bashkir encyclopedia
Ситтән ағас плиталар, йорт-йыһазы, эшлекле үҙағас һәм күпмелер бысҡы материалдар индерелә.
Завозятся древесные плиты, мебель, деловая древесина и в небольшом количестве пиломатериалы.
bashkir encyclopedia
Республикала күптән үҫешкән тармаҡтар – ҡара һәм төҫлө металлургия – 18 б. башынан уҡ эшләп килә. Уларҙың тотҡан урыны бик ҙур түгел, шулай ҙа уларҙың продукцияһын етештереү буйынса республика ил кимәлендә алдынғы рәттә.
Наиболее древние отрасли в республике — чёрная и цветная металлургия – развиваются на её территории с начала 18 в. Уд. вес их невелик, но по их продукции респ. занимает ведущее место в стране.
bashkir encyclopedia
Белорет металлургия комбинаты, тау байыҡтырыу комбинаттары (Урал иҡтисад райондарында урынлашҡан) эшләй.
Действует Белорецкий металлургический комбинат, горнообогатительные комбинаты (размещены в Уральском экон. подрайоне).
bashkir encyclopedia
Аҙыҡ-түлек сәнәғәте 15 тармаҡты берләштерә, улар башлыса сәнәғәт үҙәктәрендә, эре үҙәк, көньяҡ, көнбайыш райондар ҡалаларында урынлашҡан.
Пищевая промышленность объединяет 15 отраслей, размещённых в основном в пром. центрах, в кр. городах центрального, южного, зап. подрайонов.
bashkir encyclopedia
Икмәк бешереү, он тартыу, ярма һәм ҡатнаш аҙыҡ, һыра ҡайнатыу, ликер-араҡы, балыҡ, май, май-сыр, кондитер, йәшелсә-емеш тарамаҡтары, алкоголһеҙ эсемлек етештереү предприятиелары республикала иң боронғоларҙан һанала.
Старейшими являются предприятия хлебопекарной, мукомольно-крупяной и комбикормовой, пивоваренной, ликёро-водочной, рыбной, масложировой, маслосыродельной, кондитерской, плодоовощной отраслей, производство безалкогольных напитков.
bashkir encyclopedia
Ауыл хужалығы башлыса малсылыҡ продукцияһын етештереүгә махсуслашҡан.
Сельское хозяйство респ. в большей степени специализируется на произ-ве продукции животноводства.
bashkir encyclopedia
Төп тармаҡ – малсылыҡ.
Ведущая отрасль – скотоводство.
bashkir encyclopedia
2018 йылғы йомғаҡтар буйынса БР-ҙа 152,2 млрд һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән, был дөйөм Рәсәй күләмендә 3% (Рәсәй төбәктәре рейтингында 8-се урын) тәшкил итә, шул иҫәптән йән башына – 37,4 мең һум (32-се урын). 2017 й. ауыл хужалығы биләмәләре майҙаны республикала 7,3 млн гектар тәшкил итә, шуларҙың 3,6 млн гектары – һөрөнтө ерҙәр.
По итогам 2018 в Республике Башкортостан произведено с.-х. продукции на сумму в 152,2 млрд руб., что составило 3% в общерос. объеме произва (8-е место в рейтинге рос. регионов), в том числе на душу населения — 37,4 тысяч руб. (32-е место). В 2017 пл. сельскохозяйственных угодий в республике составила 7,3 млн га, из них 3,6 млн га — пашни.
bashkir encyclopedia
Тулайым продукция структураһында халыҡ хужалыҡтары – 51,3%, ауыл хужалығы предприятиелары – 37,4 %, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары – 11% тәшкил итә. 2017 й. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында мөгөҙлө эре мал һаны (1028 мең баш, шуларҙың 424 меңе – һыйыр), һыйыр ите етештереү (196 мең т), ҡымыҙ (3,2 мең т), бал (5,4 мең т) буйынса 1-се урында; һөт (1718 мең т), ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереү (94,2 мең т) буйынса – 2-се; аттар һаны (121 мең баш) буйынса – 3-сө; картуф үҫтереү (978 мең т) буйынса – 5-се урында була.
В структуре валовой продукции доля хозяйств населения составила 51,3%, сельскохозяйственных предприятий — 37,4%, крестьянских (фермерских) хозяйств — 11,0%. В 2017 РБ заняла 1-е место среди регионов РФ по поголовью КРС (1028 тысяч голов, из них 424 тысяч коров), производству говядины (196 тысяч т), кумыса (3,2 тысяч т), товарного мёда (5,4 тысяч т); 2-е место по производству молока (1718 тысяч т) и овощей закрытого грунта (94,2 тысяч т.); 3-е — по поголовью лошадей (121 тысяч голов); 5-е — по производству картофеля (978 тысяч т).
bashkir encyclopedia
Тулайым продукция күләме 171,8млрд һум тәшкил итә; етештереү күләме (мең т): һөт – 1718, ит – 410,2; йомортҡа – 1120,7 млн дана, йөн – 2085 т, бал – 5390 т.
Объём валовой продукции составил 171,8 млрд рублей; объём производства (тысяч т): молока — 1718, мяса — 410,2; яиц — 1120,7 млн. штук, шерсти — 2085 т, товарного мёда — 5390 т.
bashkir encyclopedia
Аҙыҡ-түлекте ситкә сығарыу (иген, ҡатнаш аҙыҡ, шәкәр, үҫемлек майы, һөт продукцияһы) 26 млн доллар тәшкил итә.
Экспорт продуктов (зерно, комбикорм, сахар, растительное масло, цельномолочная продукция) составил 26 млн долларов.
bashkir encyclopedia
Башҡорттар өсөн традицион тармаҡтар – йылҡысылыҡ, ҡортсолоҡ, шул иҫәптән умартасылыҡ үҫешә.
Развиваются традиционные для башкир отрасли: коневодство, пчеловодство, в том числе бортничество.
bashkir encyclopedia
Республикала 703 ауыл хужалығы предприятиеһы, 6300-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер һәм шәхси эшҡыуарҙар хужалыҡтары, 1125 эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеһы эшләй.
В республике действуют 703 с.-х. предприятия, более 6300 КФХ и хозяйств индивидуальных предпринимателей, 1125 предприятий перерабатывающей промышленности.
bashkir encyclopedia
Аграр комплекста 67,1 млрд һумлыҡ (2017) 21 өҫтөнлөклө инвестицион проект тормошҡа ашырыла.
В агропром. комплексе РБ реализуется 21 приоритетный инвестиционный проект на сумму более 67,1 млрд рублей (2017).
bashkir encyclopedia
Бойомға ашырылған күләмле инвестицион проекттар араһында: йылына тере ауырлыҡта 42 мең тонна сусҡа ите биреүсе сусҡа комплексы («Башҡорт ит компанияһы»), йылына 42 мең баш тоҡомло сусҡалар етештереүсе селекцион-гибрид үҙәк («Өфө селекцион-гибрид үҙәк»), сәғәтенә 10 тонна ҡатнаш аҙыҡ етештереүсе цехтар, 24 мең тонна орлоҡ һаҡларлыҡ элеваторҙар («Благовар тоҡомло ҡош заводы»), йомортҡаны сортҡа айырыусы берҙәм участоктар булдырыу һәм тауыҡ йомортҡаһы һанын арттырыу («Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте), 2,5 гектарға теплицалар комплексы төҙөү («Алексеевка»), тәүлегенә 150 тонна һөт эшкәрте ҡеүәтенә эйә һөт заводы («Өфө ҡалаһы һөт заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт), тәүлегенә 1200 тонна көнбағыш орлоғон эшкәртеүгә һәләтле май заводы һәм Күмертау ҡала округының Маячный ауылындағы элеватор (икеһе лә – «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт).
Среди крупных реализованных инвестиц. проектов: строительство совр. свинокомплекса общей мощн. 42 тысяч т свинины в живом весе в год (“Башкирская мясная компания”), селекционно-гибридного центра по производству плем. двухпородных свинок и товарных свиней мощн. 42 тысяч голов в год (“Уфимский селекционно-гибридный центр”), цеха производства комбикормов мощн. 10 т/ч и элеватора на 24 тысяч т хранения (“Племптицезавод Благоварский”), создание единого яйцесортировального участка и увеличение производства товарного куриного яйца (ОАО Птицефабрика “Башкирская”), строительство тепличного комплекса на 2,5 га (“Алексеевский”), молочногозаводамощн.переработкисырогомолока150т/сут(ООО“Уфагормолзавод”), маслоэкстракционного завода мощн. переработки семян подсолнечника 1200 т/сут и элеватора в с.Маячный городского округа г.Кумертау (оба — ООО “Элеватор”).
bashkir encyclopedia
БР-ҙа транспорт селтәре 34 мең саҡрымға яҡын автомобиль юлын, 1,5 мең тирәһе тимер юл һәм 50-нән ашыу трамвай юлы, 160 троллейбус һыҙығы, суднолар өсөн 1 меңгә яҡын һыу юлы, 10 мең саҡрым тирәһе магистраль торбалар үткәргесте үҙ эсенә ала.
Трансп. сеть РБ включает около 34,0 тысяч км автомобильных дорог, около 1,5 тысяч железнодорожных и более 50 трамвайных путей, 160 троллейбусных линий, около 1 тысяч водных судоходных путей, около 10,0 тысяч км магистральных трубопроводов.
bashkir encyclopedia
Тимер юл транспорты Башҡортостандың транспорт системаһында йөк ташыу буйынса (14,5%) – 3-сө һәм йөк әйләнеше буйынса (24%) 2-се урында.
Железнодорожный транспорт в трансп. системе Башкортостана занимает 3-е место по перевозкам грузов (14,5%) и 2-е место по грузообороту (24,0%).
bashkir encyclopedia
Республика территорияһынан үтеүсе дөйөм ҡулланыштағы тимер юл транспортын файҙаланыу оҙонлоғо 1,5 меңгә яҡын км, 120 тирәһе предприятиеның үҙенең хәрәкәттәге составы һәм инә торған юлы (600 кменәнан ашыу) бар.
Эксплуатационная длина путей железнодорожного транспорта общего пользования, проходящих по территории респ. составляет около 1,5 тысяч км, около 120 предприятий располагают собственным подвижным составом и подъездными путями (более 600 км).
bashkir encyclopedia
Башҡортостан аша Куйбышевҡа, Көньяҡ Уралға һәм Горький тимер юлына магистралдәр үтә. Пассажирҙарҙы һәм пассажирҙарҙы ташыу әйләнеше буйынса автомобиль транспорты 1-се урын биләй.
Через РБ проходят магистрали Куйбышевской, Юж.Уральской и Горьковской ж.д. Автомобильный транспорт занимает 1-е место по перевозке пассажиров и пассажирообороту.
bashkir encyclopedia
Республикала автомобиль юлдарының дөйөм оҙонлоғо 34 меңгә яҡын км, шул иҫәптән дөйөм файҙаланыуҙағы – 25,7 мең км.
Общая протяжённость автомобильных дорог РБ составляет около 34,0 тысяч км, в том числе общего пользования – 25,7 тысяч км.
bashkir encyclopedia
БР-ҙағы төп автомобиль юлдары: Мәскәү–Өфө, Һамар–Өфө–Силәбе, Өфө–Инйәр–Белорет, Өфө–Яңауыл, Кушнарен–Саҡмағош–Баҡалы һ.б. Төп йылға транспорт магистрале – Ағиҙел һәм уның ҡушылдығы Өфө йылғалары буйлап ҡом, гравий, нефть продукттары, ашламалар, тоҙ, эре габаритлы йөктәр ташыйҙар.
Осн. автомоб. дороги на терр. РБ: Москва—Уфа, Самара—Уфа—Челябинск, Уфа— Инзер—Белорецк, Уфа—Янаул, Кушнаренково—Чекмагуш—Бакалы и др. Осн. речной трансп. магистралью являются р.Белая и её приток р.Уфа, по к-рым перевозятся песок, гравий, нефтепродукты, удобрения, соль, крупногабаритные грузы.
bashkir encyclopedia
Башҡортостан Республикаһында судноларға тәғәйенләнгән эске һыуҙар юлының дөйөм оҙонлоғо1000 кмтәшкил итә.
В РБ общая протяжённость внутр. водных судоходных путей составляет около 1000 км.
bashkir encyclopedia
Һауа линиялары республиканы Рәсәй ҡалалары, яҡын һәм алыҫ сит илдәр менән бәйләй.
Возд. линии связывают респ. с городами России, ближнего и дальнего зарубежья.
bashkir encyclopedia
80-се йй. аҙағынан республикала халыҡ-ара осоуҙар башҡарыла.
С конца 80-х гг. в Республике Башкортостан выполняются междунар. полёты.
bashkir encyclopedia
Пассажирҙарҙы, йөктәрҙе һәм почтаны «Өфө» халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә.
Отправка пассажиров, грузов и почты осуществляется междунар. аэропортом “УФА”.
bashkir encyclopedia
Йөк әйләнешенең 70 проценты республикала үткәргес торба транспортына тура килә, йөктәрҙе күсереү 67,2% тәшкил итә.
70,5% грузооборота республики приходится на трубопроводный транспорт, перемещение грузов составляет 67,2%.
bashkir encyclopedia
Республика әһәмиәтендәге үткәргес торба транспортының һиҙелерлек өлөшө сафтағы бөтә нефть райондары һәм нефть эшкәртеү заводтарын берләштереүсе ҡорос дүңгәләк булып урынлашҡан, был республика заводтарына ебәрелгән нефть ағымын һәм уны көнсығышҡа – Себергә һәм Ҡаҙағстанға, көньяҡҡа – Ырымбур өлкәһенә, көнбайышҡа – Һамар өлкәһенә, Татарстанға, Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнә һәм артабан ебәреү мөмкинлеге бирә.
Значительная часть трубопроводного транспорта респ. значения расположена стальным кольцом, объединяющим все эксплуатируемые нефт. районы и НПЗ Башкортостана, что даёт возможность регулировать поток нефти на заводы респ. и дальнейшую поставку её на В. — в Сибирь и Казахстан, на Ю. —в Оренбургскую обл., на З. — в Самарскую обл., Татарстан, центральную ч. России и далее.
bashkir encyclopedia
Элемтә
Связь
bashkir encyclopedia
Республикала спутник телевидение, IP-телефония, IP-телевидение, видеоконфернецбәйләнеш, Интернетҡа тиҙ инеү, үткәргесһеҙ бәйләнешкә инеү технологияларын файҙаланыусы түләү терминалдары һәм банкоматтар системаһы һ.б. үҫешкән.
В республике получили развитие спутниковое телевидение, IP-телефония, IP-телевидение, видеоконференцсвязь, скоростной доступ к Интернету, системы платёжных терминалов и банкоматов, использующих беспроводные технологии связи и др.
bashkir encyclopedia
Төҙөлөш эшен республиканың дөйөм төҙөлөш, махсуслаштырылған (юл-төҙөлөш, төҙөлөш-монтаж, ремонт-төҙөлөш һ.б.), проект, проект-конструктурлыҡ ойошмалары башҡара: бөтәһе 200-гә яҡын эре һәм урта, 5 мең самаһы бәләкәй предприятие. 2017 йылда төҙөлөш индустрияһында үтәлгән эш күләме 190,1 млрд һум тәшкил итә, 2460,5 мең м2 дөйөм майҙанлы (РФ төбәктәре араһында ярашлы рәүештә 8-се һәм 6-сы урындар) торлаҡ йорт сафҡа индерелә.
Строительство осуществляют общестроит., специализир. (дорожно-строит., строительно-монтажные, ремонтно-строит. и др.), проектные, проектно­конструкторские и изыскательские орг-ции республики: всего около 200 крупных и средних, около 5 тысяч малых предприятий. В 2017 объём работ, выполненных в строительной индустрии, составил 190,1 млрд руб., введено в действие жилых домов общей площадью 2460,5 тысяч м2 (8-е и 6-е места среди регионов РФ соотв.).
bashkir encyclopedia
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта торлаҡ хужалығы, һыу-газ-йылылыҡ-энергия менән тәьмин итеү, һыу ебәреү, юл-күпер һәм ҡунаҡхана хужалығы предприятиелары иҫәпләнә.
Жилищно-коммунальное хозяйство представлено предприятиями жилищного хозяйства, водо-, газо-, тепло-, энергоснабжения, водоотведения, дорожно­мостового и гостиничного хозяйства.
bashkir encyclopedia
Бөтә ҡалаларҙа ла, 40 ҡасабала һәм 1946 ауылда һыу менән тәьмин итеү үҙәкләштерелгән.
Централиз. водоснабжение действует во всех городах, 40 посёлках и 1946 сел. насел. пунктах.
bashkir encyclopedia
Республиканың күпселек һыу үткәргестәре һыуҙы ер аҫты сығанаҡтарынан ала.
Большинство водопроводов Республике Башкортостан получает воду из подземных источников.
bashkir encyclopedia
Һыу системаһын хеҙмәтләндереүҙе республикала урындағы үҙидаралыҡ органдары башҡара; эсәр һыуҙың сифатына санитар күҙәтеү – республиканың санитар-эпидемиологик хеҙмәтенең район һәм ҡала учреждениелары ҡарамағында.
Обслуживание систем водоснабжения и водоотведения в республике осуществляют местные органы самоуправления; сан. надзор за качеством питьевой воды – районные и гор. учреждения санитарно­эпидемиологической службы республики.
bashkir encyclopedia
Газ менән тәьмин итеүҙә Көнбайыш Себерҙән килгән (95 проценттан күберәк) тәбиғи газ әһәмиәткә эйә.
Определяющее значение в газоснабжении респ. имеет природный газ, поступающий из Зап. Сибири (более 95%).
bashkir encyclopedia
БР-ҙың ҡунаҡхана хужалығында 200-ҙән ашыу ҡунаҡхана, шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС саммитын үткәреүгә Өфөлә төҙөлгән халыҡ-ара кимәлдәге «Hampton by Hilton Ufa», «Hilton Garden Inn Ufa Riverside», «Holiday Inn Ufa», «Sheraton» ҡунаҡханалары.
Гостиничное хозяйство РБ насчитывает более 200 гостиниц, в том числе построенные к проведению саммитов ШОС и БРИКС в Уфе гостиницы междунар. уровня “Hampton by Hilton Ufa”, “Hilton Garden Inn Ufa Riverside”, “Holiday Inn Ufa”, “Sheraton”.
bashkir encyclopedia
Сауҙа һәм йәмәғәтселек туҡланыуы предприятиеларының эшмәкәрлеге халыҡтың сифатлы һәм хәүефһеҙ тауарҙарға һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәргә булған ихтыяжын һәр кем алырлыҡ хаҡтар буйынса тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Деятельность предприятий торговли и общественного питания направлена на создание условий для наиболее полного удовлетворения потребности населения в качественных и безопасных товарах и услугах по доступным ценам.
bashkir encyclopedia
Берәмләп һатыу әйләнеше буйынса (841,1 млрд һум) республика РФ субъекттары араһында 9-сы (2017) урынды биләй.
По обороту розничной торговли (841,1 млрд руб.) РБ занимает 9-е место среди субъектов РФ (2017).
bashkir encyclopedia
2017 йылда көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә республикала 10,5 мең предприятие эшләй, улар 1 меңдән ашыу төр хеҙмәт күрһәтә.
В 2017 в сфере бытового обслуживания респ. действовали более 10,5 тысяч предприятий, которые оказывают более 1 тысяч видов услуг.
bashkir encyclopedia
2017 йылда бергә тупланған бюджеттан килем 201,0 млрд һум тәшкил итә, шуларҙың 165,3 % – һалым һәм һалым булмаған килем, 35,7% – түләүһеҙ килем.
В 2017 доходы консолидиров. бюджета составили 201,0 млрд руб., из них (%): налоговые и неналоговые доходы – 165,3, безвозмездные перечисления – 35,7.
bashkir encyclopedia
2018 йылда БР-ҙа төбәк банктары эшләй: «Башкомснаббанк» публика акционерҙар йәмғиәте, «ПромТрансБанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, «Социнвестбанк» акционерҙар йәмғиәте, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең банктары филиалдары һәм вәкиллектәре («Рәсәй Һаҡлыҡ банкы», «УралСиб», Урал реконструкция һәм үҫеш банкы, «Газпромбанк», «АҠ БАРС», «Рәсәй ауыл хужалығы банкы», «Промсвязьбанк», ВТБ, МТС Банк һ.б.).
В 2018 в Республике Башкортостан действовали региональные банки: ПАО “Башкомснаббанк”, ООО “ПромТрансБанк”, АО “Социнвестбанк”, а также филиалы и представительства банков других регионов РФ (“Сбербанк России”, “УралСиб”, Уральский банк реконструкции и развития, “Газпромбанк”, “АК БАРС”, “Россельхозбанк”, “Промсвязьбанк”, ВТБ, МТС Банк и др.).
bashkir encyclopedia
Үҙенең эшен асыу, бәләкәй бизнестың инвестицион инициативаларын бойомға ашырыу, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге абруйын күтәреү һәм популярлаштырыу буйынса саралар үткәреү һ.б. йәһәтенән финанс ярҙам күрһәтеү – «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү» (2015) дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәре булып тора. Бизнес өсөн уңайлы өлкәләр – сауҙа, күсмәй торған милек менән операциялар, ҡуртым һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәр (шул иҫәптән туризм), төҙөлөш, түләүле хеҙмәт күрһәтеүҙәр, эшкәртеү производствоһы, ауыл хужалығы.
Основные направлениями реализации гос. программы “Развитие и поддержка малого и среднего предпринимательства в Республике Башкортостан” (2015) являются оказание финансовой поддержки на создание своего дела, реализацию инвестиционных инициатив малого бизнеса, проведение мероприятий по повышению престижа и популяризации предпринимательской деятсти и др. Наиболее привлекательные для бизнеса сферы: торговля, операции с недвижимостью, аренда и предоставление услуг (в том числе туризм), строительство, платные услуги, обрабатывающее произ-во, с. хозяйство.
bashkir encyclopedia
Башҡортостанда 2015 йылда 46,4 мең бәләкәй, 0,5 мең урта предприятие, 76,3 мең шәхси эшҡыуар иҫәпләнә.
В РБ в 2015 насчитывалось 46,4 тысяч малых, 0,5 тысяч средних предприятий, 76,3 тысяч индивид.
bashkir encyclopedia
Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 137,0 меңгә яҡын кеше шөғөлләнә, шул иҫәптән 66, 4 мең ялланып эшләүсе хеҙмәткәр.
предпринимателей, в предпринимательской сфере занято около 137,0 тысяч человек, в том числе 66,4 тысяч наёмных работников.
bashkir encyclopedia
2011 йылдан алып «Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү» программаһы тормошҡа ашырыла, ул оло йәштәгеләрҙе, инвалидтарҙы, аҙ тәьмин ителгән граждандарҙы һәм балалар йорттары тәрбиәләнеүселәрен ташламалы хаҡтар буйынса туристик хеҙмәт күрһәтеү менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. 2016 йылда Өфөлә «Өфө» күп профилле мәғлүмәти туристик үҙәк асыла.
С 2011 в республике реализуется подпрограмма “Развитие социального туризма в Республике Башкортостан”, направленная на обеспечение граждан пожилого возраста, инвалидов, малоимущих и воспитанников дет. домов туристскими услугами по льготным ценам. В 2016 в Уфе открыт многопрофильный информационно­туристич. центр “Уфа”, осн. задачами крого являются расширение спектра туристских услуг для населения и увеличение въездного потока туристов в город и республику.
bashkir encyclopedia
Үҙәктең төп бурысы – халыҡ өсөн туристик хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү һәм туристарҙың ҡалаға, республикаға ялға күпләп килеүен арттырыу. 2017 йылда Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү өсөн 7 туристик-рекреация кластеры булдырыла, улар туристик махсуслашыу, тәбиғәт-климат шарттары, урынлашыу территорияһының социаль-иҡтисади үҫеш кимәле буйынса айырыла. «Асылыкүл», «Бөрйән», «Ҡандракүл», «Урал легендалары», «Нөгөш», «Павловка һыуһаҡлағысы», «Өфө» шулар араһында.
В 2017 в Башкортостане для развития внутр. туризма сформировано 7 туристско-рекреац. кластеров, различающихся по туристской специализации, природно-климатич. условиям и уровню социально-экон. развития терр. размещения, среди них “Аслы-куль”, “Бурзянский”, “Кандры-куль”, “Легенда Урала”, “Нугуш”, “Павловское водохранилище”, “Уфимский”.
bashkir encyclopedia
Инвестициялар
Инвестиции
bashkir encyclopedia
Дәүләт инвестицияһының төп йүнәлештәре – социаль өлкә объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау, техник яҡтан ҡатмарлы системалары инфраструктураһын үҫтереү.
Основные направлениями гос. инвестирования являются строительство и реконструкция объектов соц. сферы, развитие инфраструктуры технически сложных систем жизнеобеспечения.
bashkir encyclopedia
Инвестиция йәһәтенән әүҙем предприятиеларҙың күп өлөшө эшмәкәрлектең түбәндәге өлкәләрендә туплана: файҙалы ҡаҙылмалар табыу (йылылыҡ, энергиянан тыш), нефть эшкәртеү, ауыл хужалығы.
Наибольшая доля инвестиционно активных предприятий фиксируется в следующих сферах деятельности: добыча полезных ископаемых (кроме топливно-энергетических), нефтепереработка, сельское хозяйство.
bashkir encyclopedia
Төп капиталға инвестициялар (260,9 млрд һум) буйынса БР Рәсәй субъекттары араһында 16-сы урында (2017).
По инвестициям в основном капитал (260,9 млрд руб.) РБ занимает 16-е место среди субъектов РФ (2017).
bashkir encyclopedia
Республиканың инвестиция фонды башлыса Рәсәй резиденттары иҫәбенә формалаша, сит ил инвесторҙарының өлөшө – 10–15%.
Инвестиц. фонд РБ формируется в основном за счёт российских резидентов, доля заруб. инвесторов – 10–15%.
bashkir encyclopedia
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының күп милләтле субъекттарының береһе.
Республика Башкортостан — один из многонациональных субъектов РФ.
bashkir encyclopedia
Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғандан һуң республикала ситтән килгән халыҡ күбәйә.
После присоединения Башкортостана к России происходило заселение территории пришлым населением.
bashkir encyclopedia
Керҙәшлек шарттарында башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә татарҙар, сыуаштар, мариҙар, мордвалар һ.б. халыҡтар килеп ултыра.
На условиях припуска на вотчинных землях башкир селились татары, чуваши, марийцы, мордва и др.
bashkir encyclopedia
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1926 й. Башҡортостанда йәшәүселәр һаны 2665,8 мең кеше тәшкил итә, 1939 – 3159,0 мең, 1959 – 3336,6 мең, 1970 – 3814,9 мең, 1979 – 3844,3 мең, 1989 – 3943,1 мең, 2002 – 4104,3 мең, 2010 – 4072,1 мең.
По данным переписей, численность населения в Башкортостане (тысяч человек) в 1926 составила 2665,8; 1939 – 3159,0; 1959 – 3336,6; 1970 – 3814,9; 1979 – 3844,3; 1989 – 3943,1; 2002 – 4104,3; 2010 – 4072,1.
bashkir encyclopedia
Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 7-се, Волга буйы федераль округында – 1-се урында.
По численности населения РБ занимает 7-е место в РФ и 1-е место в Приволжском Федеральном округе.
bashkir encyclopedia
Республика халҡының ишәйеүе өсөн заманса тип (тыуымдың һәм үлемдең түбән булыуы) хас.
Для воспроизводства населения республики характерен совр. тип (низкие рождаемость и смертность).
bashkir encyclopedia
2005 йылда БР Волга буйы федераль округында тыуым йәһәтенән 3-сө (10,8%), 2017 – 1-се урында була. 2017 й. халыҡ тәбиғи рәүештә 2483 кешегә арта; тыуымдың дөйөм коэффициенты – 1,696; тәбиғи рәүештә кәмеүе – 1072 кеше.
В 2005 по рождаемости РБ занимала 3-е место (10,8‰) по Приволжскому федер. округу, в 2017 — 1-е место. В 2017 естественный прирост населен. составил 2483 человек; суммарный коэф. рождаемости – 1,696; естественная убыль населен. – 1072 человека.
bashkir encyclopedia
Республикалағы күпселек ғаиләләрҙә балаларҙың һаны аҙ.
Большинство семей в республике малодетные.
bashkir encyclopedia
2000 й. нетто-коэффициент (әсә быуынын ҡыҙҙары алмаштырған күрһәткес) 1-гә тиклем артҡан; ата-әсәләренә алмашҡа килгән балаларҙың һаны 20-30 процентҡа кәмерәк.
В 2000-е гг. нетто-коэф. (показатель замещения материнского поколения дочерним) вырос до 1; детей, приходящих на смену своим родителям, меньше по числ. на 20–30%.
bashkir encyclopedia
Халыҡтың йәшәү дауамлығының иң юғары күрһәткесе (70,5) 1990 йылға тура килә. 2017 й. ир-егеттәрҙең ғүмер оҙонлоғо 59,92 йәш, ҡатын-ҡыҙҙың – 73,16 йәш, республика халҡының уртаса йәше 38,6 (ир-егеттәр – 36,2, ҡатын-ҡыҙҙар – 40,7) тәшкил итә. Ғүмерҙең уртаса оҙайлылығы ҡалала ауыл еренә ҡарағанда юғарыраҡ.
Наиболее высокая продолжительность жизни населения (70,5) была достигнута в 1990. В 2017 ср. продолжительность жизни мужчин составляла 59,92 года, женщин — 73,16 лет, ср. возраст жителей РБ — 38,6 лет (мужчин — 36,2, женщины — 40,7).
bashkir encyclopedia
Ауыл ерҙәрендә йәшәүселәрҙең ғүмере оҙайыу иҫәбенә күрһәткестәрҙең тигеҙләшеүе күҙәтелә.
Ср. продолжительность жизни в городах выше, чем в сельской местности, наблюдается тенденция к выравниванию показателей за счёт увеличения продолжительности жизни населен. в сельской местности.
bashkir encyclopedia
Башҡортостанда ҡалала йәшәүселәр өлөшө 2016 й. 61,8 тәшкил итә. Ҡалала йәшәүселәр республиканың Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында тупланған; Өфө агломерацияһы нығынған, Стәрлетамаҡ–Салауат агломерацияһы формалаша.
В Башкортостане доля гор. населен. в 2016 составила 61,8. Гор. населен. респ. концентрируется в гг. Нефтекамск, Октябрьский, Салават, Стерлитамак, Уфа; сложилась Уфимск., формируются Стерлитамак-Салаватская агломерации.
bashkir encyclopedia
1923–2010 йй. ҡалала йәшәүселәр һаны 12,9 тапҡырға арта, ауылда йәшәүселәр һаны 1,6 тапҡырға кәмегән.
В 1923—2010 числ. гор. населения увеличилась в 12,9 раза, сел. – уменьшилась в 1,6 раза.
bashkir encyclopedia
Мәшғүл халыҡтың һаны 1915,1 мең кеше (63,7 %) тәшкил итә.
Численность занятого населен. составила 1915,1 тысяч человек (63,7%).
bashkir encyclopedia
Фәнни тикшеренеүҙәрҙең үҫеше Башҡортостанда сәнәғәттә тәбиғәт ресурстарын үҙләштереүгә тығыҙ бәйле.
Развитие научных исследований в Башкортостане тесно связано с промышленным освоением природных ресурсов.
bashkir encyclopedia
19 б. 2-се яртыһында тәбиғәт күренештәрен өйрәнеү, статистик һәм тарихи материалдар туплау менән шөғөлләнгән ғилми йәмғиәттәр һәм ойошмалар булдырыла.
Во 2-й половине 19 в. создавались научного общества и орг-ции, которые занимались изучением природных явлений, сбором стат. и ист. материалов.
bashkir encyclopedia
19 б. аҙағында – 20 б. башында башҡорттар араһынан крайҙың төрки телле халыҡтары тарихын, мәҙәниәтен, фольклорын өйрәнеүсе (М.Биксурин, С.Кукляшев, М.С.Өмөтбаев, М.Ғафури, Р.Ф.Фәхретдинов, Ә.Ә.Вәлидов һ.б.) ғалимдар үҫеп сыға.
В конце 19 – нач. 20 в. выделились учёные из башкир, которые изучали историю, культуру, фольклор тюркских народов края (М.Биксурин, С.Кукляшев, М.С.Уметбаев, М.Гафури, Р.Ф.Фахретдинов, А.А.Валидов и др.).
bashkir encyclopedia
20 б. башында медицина, ветеринария һәм агрономия өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреүсе тәүге ғилми учреждениелар асыла.
В нач. 20 в. были основаны первые научн. учреждения, проводившие иссл. в обл. медицины, ветеринарии и агрономии.
bashkir encyclopedia
1922 й. Академия үҙәгенә нигеҙ һалына һәм уға крайҙы өйрәнеү, халыҡ мәғарифын ойоштороу бурысы ҡуйыла. 50-се йй. башынан башҡорттарҙың этнологияһы, филологияһы, әҙәбиәте, шулай уҡ геологияһы һ.б. өлкәләрҙәге ғилми тикшереүҙәр Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә алып барыла. 1991 й.
В 1922 основан Академцентр, в задачу к-рого входило изучение края, организация просвещения населения и др. С начала 50-х гг. научные исследования в области этнологии башкир, башкирской филологии, литературы, а также геологии и др. наук ведутся в институтах Уфимского федерального исследовательского центра.
bashkir encyclopedia
БР-ҙың Фәндәр Академияһы булдырыла.
В 1991 создана Академия наук РБ.
bashkir encyclopedia
Республика ғалимдары нефть химияһы процестарының, ресурс һәм энергия һаҡлау технологияларының, экологик хәлде яҡшыртыуҙың фәнни нигеҙҙәрен, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү буйынса саралар комплексын уйлап таба, арыштың, борсаҡтың, бойҙайҙың һ.б. ауыл хужалығы культураларының яңы юғары уңдырышлы сорттарын сығара.
Учёными республики разработаны научные основы нефтехим. процессов, ресурсо- и энергосберегающих технологий, улучшения экологич. обстановки, комплекс мероприятий по повышению плодородия почвы, выведены новые высокоурожайные сорта ржи, гороха, пшеницы и др. сельскохозяйств. культур.
bashkir encyclopedia
Ер ҡатламы геологик төҙөлөшөнөң төп законлығы асыҡлана һәм Башҡортостан территорияһындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙың төрҙәренә баһа бирелә.
Выявлены основной закономерности геологич. строения земной коры и даны оценки терр. Башкортостана на разл. виды полезных ископаемых.
bashkir encyclopedia
Иммунология һәм биотехнология, офтальмология, хеҙмәт гигиенаһы, абдоминаль, йөрәк-ҡан тамырҙары, регенератив һәм аҙ инвазион хирургия, онкология, акушерлыҡ һәм гинекология, медицина генетикаһы, инфекцион ауырыуҙар, фармация һ.б. һиҙелерлек һөҙөмтәләргә ирешелә.
Значительные результаты получены в области иммунологии и биотехнологии, офтальмологии, гигиены труда, абдоминальной, сердечно-сосудистой, регенеративной и малоинвазивной хирургии, онкологии, акушерства и гинекологии, медицинской генетики, инфекционных болезней, фармации и др.
bashkir encyclopedia
Волга-Урал тарихи-этнографик өлкәлә этномәҙәни процестар теорияһы эшкәртелә, Башҡортостан халыҡтары фольклоры өйрәнелә, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте генезисы тикшерелә, яңы археологик ҡомартҡылар асыла һәм өйрәнелә һ.б.
Разработана теория этнокультурных процессов Волго-Уральской историко-этнографической области, изучается фольклор народов Башкотостана, исследован генезис башкирской литературы и культуры, открыты и исследованы новые археологические памятники и др.
bashkir encyclopedia
Ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре төбәк энциклопедияларын сығарыу мөмкинлеге бирә.
Результаты научных исследований обеспечивают выпуск региональных энциклопедий.
bashkir encyclopedia
Техник, тәбиғәт, социаль-иҡтисади һәм гуманитар фәндәрҙең төп йүнәлештәре буйынса фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр академик профилдәге 20-нән ашыу институтта, 20-нән ашыу тармаҡлы ғилми тикшеренеү институтында, 30-ға яҡын проект институтында, 10 үҙ аллы конструкторлыҡ бюроһында, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары кафедраларында үткәрелә.
Фундаментальные и прикладные иссл. по основный направлениям технических, естественных, социально-экономических и гуманитарных наук проводятся в более 20 институтах академического профиля, свыше 20 отраслевых НИИ, около 30 проектных институтах, 10 самостоят. конструкторских бюро, а также на кафедрах вузов.
bashkir encyclopedia
Фән өлкәһендә 10 меңдән ашыу ғилми һәм ғилми-педагогик хеҙмәткәр эшләй, улар араһында ике академик, Рәсәй Фәндәр академияһының 7 корреспондент-ағзаһы, Рәсәй авторлыҡ йәмғиәтенең 1-шәр ағза-корреспонденты, БР Фәндәр Академияһының 25 академигы һәм 45 ағза-корреспонденты.
В сфере науки работают более 10 тысяч научных и научно-пед. работников, среди них 2 академика, 7 членов-корреспондентов РАН, по 1 члену-корреспонденту РАО, 25 академиков и 45 члена-корреспондента АН РБ.
bashkir encyclopedia
Республикала фән һәм техника өлкәһендә БР-ҙың Дәүләт премияһы (1999 йылдан алып) һәм «БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» (1990 йылға тиклем – «БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре») маҡтаулы исеме булдырылған.
В Республике учреждены Государственная премия РБ в области науки и техники (с 1999) и почётное звание “Заслуженный деятель науки РБ” (до 1990 — “Заслуженный деятель науки и техники БАССР”).
bashkir encyclopedia
Ғилми мәктәптәр үҫешкән, ғилми журналдар сығарыла, фәнде мәғлүмәт һәм редакция-нәшриәт эше менән тәьмин итеү (ҡара: «Башҡорт энциклопедияһы») системаһы булдырылған.
Получили развитие научные школы, выпускаются научные журналы, сложилась система информационного и редакционно-издательского обеспечения науки (см. “Баштехинформ”, “Башкирская энциклопедия”)
bashkir encyclopedia
Башҡортостанда тәүге медицина учреждениелары 18 б. уртаһында тау заводтарында һәм Башҡорт ғәскәрҙәрендә барлыҡҡа килә. 1876 й. Губерна земство дауаханаһына нигеҙ һалына, 19 б. аҙағына медицина пункттары селтәре булдырыла, ҡымыҙ менән дауалау башлана.
Первые медицинские учреждения в Башкортостане появились в середине 18 в. при горных заводах и при Башкирском войске. В 1876 году основана Губернская земская больница, к концу 19 в. создана сеть мед. пунктов, появляются кумысолечебницы.
bashkir encyclopedia
Республикала совет һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫешендә медицина ярҙамының дәүләт ҡарамағында булыуы, түләүһеҙ һәр кем дауалана алыуы, профилактик йүнәлешле булыуы төп урынды ала.
Гл. в развитии советского здравоохранения в республике становятся гос. характер медицинской помощи, её общедоступность, бесплатность, профилактич. направленность.
bashkir encyclopedia
1919 й. аҙағына республикала 60 медицина учреждениеһы, аҙаҡ Өфөлә туберкулез һәм венерология диспансеры, малярияға ҡаршы станция асыла; Өфө күҙ ауырыуҙары дауаханаһы Башҡорт ғилми-тикшеренеү трахоматоз институтына (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты) үҙгәртелә.
К концу 1919 в республике было открыто 60 мед. учреждений, позднее в Уфе открываются туберкулёзный и венерологич. диспансеры, противомалярийная станция; Уфимск. глазная больница была реорганизована в Башк. научно-исследовательск. трахоматозный институт (см. Глазных болезней институт).
bashkir encyclopedia
1913 й. менән сағыштырғанда ҡорһаҡ тифы менән ауырыу – 4, тәбиғи сәсәк менән сирлеләр һаны 3 тапҡырға; сабыртмалы тиф, дифтерия, сифилис һ.б. менән ауырыу һиҙелерлек кәмей.
По сравнению с 1913 была снижена заболеваемость брюшным тифом в 4 раза, натуральной оспой в 3 раза, существенно сократилась заболеваемость сыпным тифом, дифтерией, сифилисом и др.
bashkir encyclopedia
30-сы йй. тире-венерология, фтизиаторлыҡ һәм гигиена ғилми-тикшеренеү институттары асыла. Шифаханалы урындарҙы үҙләштереү башлана, санитария һәм дарыухана хеҙмәттәре ойошторола.
В 30-е гг. открываются НИИ кожно­венерологич., фтизиатрич. здравоохранения и гигиены, началось освоение курортных мест, организованы санитарная и аптечная службы.
bashkir encyclopedia
Сәсәк, холера һ.б. сирҙәр менән ауырыу бөтөрөлә.
Ликвидирована заболеваемость оспой, холерой и др.
bashkir encyclopedia
Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан 182 дауахана учреждениеһы, 413 дауалау амбулаторияһы, поликлиника учреждениелары, һаулыҡ һаҡлау пункттары эшләй.
Перед нач. Великой Отечеств. войны действовало 182 больничных учреждения, 413 врачебных амбулаторий, поликлинич. учреждений, здравпунктов.
bashkir encyclopedia
Халыҡ һаулығы – бөгөн төбәк социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.
Здоровье населения –одно из приоритетных направлений современной социальной политики региона.
bashkir encyclopedia
Халыҡҡа медицина хеҙмәтен дауалау-профилактика һәм шәхси медицина учреждениелары күрһәтә.
Мед. обслуживание населения оказывается лечебно­профилактическими учреждениями и частными медицинскими учреждениями.
bashkir encyclopedia
Дәүләт һаулыҡ һаҡлау секторында бөтәһе 34 амбулатория-поликлиника учреждениеһы, 96 дауахана комплексы, шул иҫәптән 51 үҙәк район һәм 42 участок дауаханаһы, 176 дауалау амбулаторияһы, 2072 фельдшер-акушер пункты, 687 йорт хужалығы һәм дөйөм практиканың 3 врач офисы (2017) иҫәпләнә.
Всего в гос. секторе здравоохранения респ. действуют 34 амбулаторно-поликлинических учреждения, 96 больничных комплексов, включая 51 ЦРБ и 42 участковые больницы, 176 врачебных амбулаторий, 2072 ФАП, 687 домовых хозяйств и 3 офиса врача общей практики (2017).
bashkir encyclopedia
Һаулыҡ һаҡлау системаһында информатика индерелгән: эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары асыла, онлайн-консультация үткәрелә, ғәмәлдәге Берҙәм медицина порталында республика халҡы үҙенең шәхси кабинеты аша электрон медицина картаһы мәғлүмәттәрен ҡарай ала.
В системе здравоохранения внедрена информатизация: осуществляется электронная запись к врачу, оформление листов нетрудоспособности, онлайн-консультации, действует Единый мед. портал, в котором жителям республики предоставлен доступ к данным своей электронной медицинской карты через личный кабинет.
bashkir encyclopedia