ba
stringlengths
0
3.17k
ru
stringlengths
1
3.11k
corpus
stringclasses
7 values
Гидрогеографик селтәрҙе Оло Ҡыҙыл, Һаҡмар, Таналыҡ һ.б. ҡушылдыҡтары менән Урал йылғаһы барлыҡҡа килтерә; Уй йылғаһы; Өргөн, Яҡтыкүл, Мулдаҡкүл, Сибәркүл, Атауҙы, Талҡаҫ, Ҡолтүбән һ.б. күлдәр.
Гидрографич. сеть образуют р.Урал с притоками Б.Кизил, Сакмара, Таналык и др.; р.Уй; оз. Ургун, Банное, Мулдаккуль, Чебаркуль, Атавды, Талкас, Култубан и др.
bashkir encyclopedia
Тупраҡ көнбайыштан көнсығышҡа табан үҙгәрә: йоҡа ҡатламлы ташлытупраҡтан алып өлгөрөп еткән йыуылған тупраҡҡа, төньяҡтан көньяҡҡа – һоро урман тупрағынан типик, ғәҙәти һәм тоҙға бай ҡара тупраҡҡа тиклем алмашына.
Почвы меняются с З. на В. от маломощных грубоскелетных чернозёмов до выщелоч. полноразвитых чернозёмов, с С. на Ю. — от серых лесных почв до типичных, обыкновенных и солонцеватых чернозёмов.
bashkir encyclopedia
Үҫемлек һәм хайуандар донъяһында урман һәм дала төрҙәре алмаш килә.
Растительный и животный мир представлен переходными лесными и степными видами.
bashkir encyclopedia
Урмандарҙа асыҡ төҫтәге ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ағас төрҙәре өҫтөнлөк итә.
В лесах преобладают светлохвойные и мелколиств. породы.
bashkir encyclopedia
Арҡалар һәм сусаҡтар битләүендә ҡылған, бүтәгә һәм төрлө үләнле далалар һаҡланған.
На склонах увалов и сопок сохранились ковыльные, типчаковые и разнотравные степи.
bashkir encyclopedia
Һуйыр, аҡ ағуна, ҡабан, ҡоралай, төлкө, һеләүһен, байбаҡ, йомран һ.б. йәшәй.
Обитают глухарь, куропатка белая, кабан, косуля, лисица, рысь, сурок степной, суслик и др.
bashkir encyclopedia
Республиканың тәбиғәте ауыл хужалығы һәм сәнәғәт производствоһы, транспорт, туристик инфраструктураға бәйле көслө антропоген йөкләмәгә дусар.
Природа республики испытывает мощную антропогенную нагрузку, связанную с сельскохозяйственным и промышленным производством, развитием транспортной, туристической инфраструктуры.
bashkir encyclopedia
Башҡортостанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте көсәйтеү буйынса саралар үткәрелә.
В Башкортостане проводятся мероприятия по охране окружающей среды и повышению экологич. безопасности.
bashkir encyclopedia
Сәнәғәт ҡалдыҡтарын, биосфераны радиактив, химик бысратыуҙы һ.б. ҡыҫҡартыу өсөн ҡалдыҡһыҙ эшләүсе, ресурсты һаҡлаусы технологиялар, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың биотехник алымдары уйлап табыла, экологик мониторинг үткәрелә.
Для сокращения промышленных отходов, радиоактивного загрязнения биосферы, хим. загрязнения и др. разрабатываются безотходные, ресурсосберегающие технологии, биотехн. методы защиты растений, осуществляется экологич. мониторинг.
bashkir encyclopedia
Айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһы исемлегендә: биосфералы резерват («Башҡорт Уралы»), өс ҡурсаулыҡ, милли парк («Башҡортостан»), «Янғантау» геопаркы, дүрт тәбиғәт паркы («Асылыкүл», «Ирәмәл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы»), 27 заказник, 182 тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Система ООПТ включает: биосферный резерват (“Башкирский Урал”), 3 заповедника, нац. парк (“Башкирия”), геопарк “Янгантау”, 4 природных парка (“Асылыкуль”, “Иремель”, “Кандрыкуль”, “Мурадымовское ущелье”), 27 заказников, 182 памятника природы.
bashkir encyclopedia
Бөгөнгө республика территорияһы кеше тарафынан боронғо замандарҙан уҡ үҙләштерелгән. Формалашҡан археологик мәҙәниәт һәм бихисап археологик ҡомартҡылар ошо хаҡта һөйләй.
Территория современной республики осваивалась человеком с древних времён, о чём свидетельствуют сформировавшиеся здесь археологические культуры и многочисл. археологические памятники.
bashkir encyclopedia
Көньяҡ Уралдың халҡы тураһында боронғо грек тарихсылары Геродот «аргиппейҙар», Птолемей «пасиртайҙар» тип телгә алған.
Население Южного Урала упоминалось др. — греч. историками Геродотом под названием “аргиппеи”, Птолемеем как “пасиртаи”.
bashkir encyclopedia
Башҡортостан территорияһы һәм башҡорттар тураһындағы тәүге тулыраҡ мәғлүмәттәр 9-сы быуатта ғәрәптәрҙең яҙма сығанаҡтарында (Ибн Руст, Ибн Фаҙлан, Ибн Хордадбех, Иҙриси, Сәлләм Тәржемән һ.б. хеҙмәттәрендә) күренә.
Первые достаточно развёрнутые упоминания о терр. Башкортостана и башкирах появляются в 9 в. в арабских письменных источниках (в соч. Ибн Русты, Ибн Фадлана, Ибн Хордадбеха, Идриси, Саллама Тарджумана и др.).
bashkir encyclopedia
Беҙҙең быуаттың 2 мең йыллығы башында башҡорт ырыуҙары берләшмәһе барлыҡҡа килә. 13-сө быуат башында Башҡортостан территорияһы Монгол империяһының Джучи улусы, артабан Алтын Орда составына ҡарай.
В нач. 2 тысяч н.э. сложились союзы башк. племён. В нач. 13 в. терр. Башкортостана входила в состав улуса Джучи Монгольской империи, затем Золотой Орды, после её распада — Казанского, Сибирского ханств, Ногайской Орды.
bashkir encyclopedia
Алтын Орда тарҡалғас, Ҡазан, Себер ханлыҡтары, Нуғай Ордаһы составында. Башҡортостан территорияһының Рәсәй дәүләте составына инеү процесы оҙаҡ йылдар дауам итә (16-сы быуат уртаһынан алып 17 быуат башына ҡәҙәр һуҙыла), ләкин ул башҡорт ырыуҙарының үҙ ихтыярҙарын ирекле белдереүенә нигеҙләнеп башҡарыла.
Процесс вхождения терр. Башкортостана в состав Российского государства был длительным (растянулся с сер. 16 в. до начала 17 в.), но основался на добровольном волеизъявлении башк. племён.
bashkir encyclopedia
16-сы быуат аҙағында Өфө уезы булдырыла (ҡара: Административ-территориаль ҡоролош).
В конце16 в. образован Уфимский уезд (см.Административно-территориальное устройство).
bashkir encyclopedia
18 быуаттың 1-се яртыһында Рәсәй империяһының көнсығыш сиктәрен нығытыу маҡсатында ойошторолған Ырымбур экспедицияһы барышында башҡорттарҙан алған ерҙәрҙә Ырымбур нығытма һыҙығы ҡәлғәләре төҙөлә.
В 1-й пол. 18 в. организуется Оренб. экспедиция для укрепления восточных границ Рос. Империи, в ходе которой на землях, изъятых у башкир, построены крепости Оренб. укреплённой линии.
bashkir encyclopedia
1744 йылда Ырымбур губернияһы барлыҡҡа килә.
В 1744 образована Оренб. губерния.
bashkir encyclopedia
Крайҙы колониялаштырыуҙың көсәйеүе, үҙәк һәм урындағы властар яғынан башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, һалымдарҙың һәм йөкләмәләрҙең үҫеүе 1645, 1662–64, 1681–84, 1704–11, 1735–40, 1755–56 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарына (ҡара: 17–18 йй. Башҡорт ихтилалдары) килтерә. Һөҙөмтәлә хөкүмәт башҡорттарҙы крепостной крәҫтиәндәр категорияһына күсереү, көсләп христиан динен ҡабул иттереү планынан баш тартып, уларҙың ергә аҫабалығын раҫлай.
Усиление колонизации края, нарушения вотчинного права башкир со стороны центральных и местных властей, рост налогов и повинностей привели к башкирским восстаниям 1645, 1662—64, 1681—84, 1704—11, 1735—40, 1755—56(см.Башкирские восстания 17—18 вв.), в результате которых правительство отказалось от планов по переводу башкир в категорию крепостных крестьян, насильств. христианизации, подтвердило их вотчинное право на землю.
bashkir encyclopedia
Башҡорттар 1773–75 Крәҫтиәндәр һуғышында, Баҙарғол Юнаев, Ҡаранай Моратов, Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев һ.б. етәкселегендәге ғәскәрҙәр составында әүҙем ҡатнаша.
Башкиры приняли активное участие в Крестьянской войне 1773–75, в составе войск под предводительством Базаргула Юнаева, Караная Муратова, Кинзи Арсланова, Салавата Юлаева и др.
bashkir encyclopedia
Ҡораллы баш күтәреүҙәрҙе баҫтырғандан һуң хөкүмәт губернияла ер сәйәсәтен ҡабаттан ҡарай.
После подавления вооружённых выступлений правительство пересмотрело земельную политику в губернии.
bashkir encyclopedia
Рәсәй империяһы территорияһын һәм халҡын өйрәнеү маҡсатында Фәндәр һәм художество академияһы 1768–74 йылдарҙа Академик экспедициялар ойоштороп, тәбиғәтте, хужалыҡтарҙы һәм халыҡтарҙы комплекслы тикшерә. 1798 йылда крайҙа идаралыҡ итеүҙең кантон системаһы индерелә, уезд-волость ҡоролошо менән параллель бара.
В целях изучения терр. и населения Рос. империи Академией наук и художеств в 1768–74 были организованы Академические экспедиции, в составе которых было проведено комплексное обследование природы, хозяйства и народов. В 1798 в крае введена кантонная система управления, к-рая существовала параллельно с уездно-волостным устройством; создано Башкирское войско.
bashkir encyclopedia
Башҡорт ғәскәре булдырыла. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сик һаҡлау походтарында тулыһынса башҡорттарҙан ғына торған 20 башҡорт полкы ла ҡатнаша.
В Отечественной войне 1812 и заграничных походах Русской армии участвовали и 20 башк. полков, сформированных и укомплектованных полностью башкирами.
bashkir encyclopedia
Башҡорт яугирҙарының ҡыйыулығы башҡорт легендаларында һәм йырҙарында ғына түгел, Бородино, Германия һәм Франция мемориаль комплекстарында ла мәңгеләштерелгән.
Бесстрашие башк. воинов увековечено не только в башк. легендах и песнях, но и в мемориальных комплексах Бородино, в Германии и Франции.
bashkir encyclopedia
19 быуат уртаһында Ырымбур губернияһынан Өфө губернияһы бүленә. 1865 йылғы Крәҫтиән реформаһынан һуң Рәсәйҙең үҙәк һәм көнбайыш губерналарынан Уралға һәм көнсығышҡараҡ күсенеү башлана.
В сер. 19 в. из Оренб. губерн. выделена Уфимск. губерния. После Крестьянской реформы 1865 усилилось переселенческое движение из центральных и зап. губерний России на Урал и восточнее.
bashkir encyclopedia
Һәр ерҙә земстволар булдырыла. Уларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә урындағы үҙидаралыҡ системаһы нығына, китаханалар, мәктәптәр, медицина пункттары селтәре киңәйә, мәктәптәр, ауыл биләмәләре, юлдар һ.б. тикшерелә.
Повсеместно создавались земства, в результате деят-сти которых укреплялась система местного самоуправления, расширилась сеть библиотек, школ и мед. пунктов, проводились обследования школ, поселений, дорог и др.
bashkir encyclopedia
Крепостной хоҡуҡты бөтөрөү илдең иҡтисади үҫешен тиҙләтә, тимер юлдар, он тартыу, күн, быяла, алтын табыу һ.б. предприятиелар төҙөлә башлай, һәр ерҙә сауҙа үҫешә.
Отмена крепостного права ускорила экономическое развитие страны, началось строительство железных дорог, мукомольных, кожевенных, стекольных, золотодобывающих и др. предприятий, повсеместное развитие торговли.
bashkir encyclopedia
Өфөлә, Ырымбурҙа, Стәрлетамаҡта, Бөрөлә, Бәләбәйҙә шәхси типографиялар, китап магазиндары асыла. «Шарк» типографияһында баҫмалар төрки телендә баҫыла.
В Уфе, Оренбурге, Стерлитамаке, Бирске, Белебее открылись частные типографии, книжные магазины, в типографии «Шарк» печатались издания на тюрки.
bashkir encyclopedia
19 б. аҙағы – 20 б. башы илдә ижтимағи-сәйәсәт тормош әүҙемләшеүе, төрлө сәйәси фирҡәләрҙең һәм йәмәғәт ойошмаларының барлыҡҡа килеүе һәм уларҙың халыҡ араһында йоғонтоһо көсәйеүе менән билдәләнә.
Кон. 19 в. – нач. 20 в. характеризуется активизацией общественно-политической жизни в стране, появлением разл. полит. партий и общественных орг-ций, распространением их влияния среди населения.
bashkir encyclopedia
Халыҡтың социаль-иҡтисади хәле насарайыуы һәм Рәсәйҙең 1904–05 й. рус-япон һуғышында еңелеүе халыҡтың дәүләт сәйәсәтенә ризаһыҙлығының һәм губерналарҙа ҡораллы сығыштарҙың (ҡара: 1905–07 Ихтилал) күбәйеүендәге сәбәптәрҙең береһе булып тора. 20 б. башындағы социаль тетрәнеүҙәрҙең төп һөҙөмтәһе – конституцион монархия индерелә, власть һүҙ, матбуғат ирке, союздар ойоштороуға рөхсәт бирә, крәҫтиәндәрҙе ер алыу өсөн түләүҙәрҙән азат итә; дин иреген таныу тураһында указ сығарыла, милләттәрҙе урыҫлаштырыу сәйәсәте йомшартыла.
Ухудшение соц.-экон. положения населения и поражение России в русско-японской войне 1904–05 стало одной из причин роста недовольства населения политикой государства и вооружённых выступлений в губерниях (см. Революция 1905–07). Основным итогом соц. потрясений нач. 20 в. стало введение конституционной монархии, власть предоставила свободу слова, печати, союзов, отменила выкупные платежи крестьян; был издан указ о веротерпимости, смягчена политика русификации нац. окраин.
bashkir encyclopedia
Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр вәкәләтле учреждение – Дәүләт Думаһы булдырыла.
Впервые в истории России было созвано представительное учреждение – Гос. дума.
bashkir encyclopedia
Беренсе донъя һуғышында еңелеүгә бәйле илдәге социаль-иҡтисади һәм сәйәси көрсөктөң киҫкенләшеүе, хужалыҡтарҙағы бөлгөнлөк һ.б. факторҙар Февраль, аҙаҡ 1971 й. Октябрь ихтилалы тоҡаныуға сәбәпсе була.
Обострение социально-экон. и полит. кризиса в стране в связи с поражением в Первой мировой войне, хозяйственная разруха и др. факторы вызвали Февральскую, затем Октябрьскую революции 1917.
bashkir encyclopedia
Башҡорт үҙәк шуроһы булдырылып, ул 1917 й. 15 ноябрендә Башҡорт автономияһы милли территорияһын иғлан итә, Башҡорт хөкүмәте, Башҡорт ғәскәре булдырыла. 1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Совет Автономиялы Башҡортостан тураһында килешеүе» нигеҙендә республика совет власының үҙәк органы итеп таныла.
Было образовано Башкирское центральное шуро, провозгласившее 15 нояб. 1917 нац. терр. автономию Башкортостана, сформированы Башкирское правительство, Башкирское войско. “Соглашением центральной Советской власти с Башкирским правительством о Советской Автономной Башкирии” от 20 марта 1919 респ. была признана центральными органами советской власти.
bashkir encyclopedia
Граждандар һуғышы йылдарында Башҡортостан территорияһында Башҡорт милли хәрәкәте, большевиктар һәм иҫке тәртип яҡлылар вәкилдәре араһында власть өсөн ҡаты көрәш башлана.
На территории Башкортостана в годы Гражданской войны развернулась жестокая борьба за власть между представителями Башкирского национального движения, большевиками и сторонниками старого порядка.
bashkir encyclopedia
Хәрби коммунизм шарттарында республикала крәҫтиәндәрҙең 1918–21 йылғы баш күтәреү хәрәкәте ҡолас йәйә.
В условиях военного коммунизма в республике получило развитие крестьянское повстанческое движение 1918—21.
bashkir encyclopedia
1921–22 йылғы аслыҡ эҙемтәһендә Башҡортостан республикаһы һәм Өфө губернаһы халҡының һаны 650 мең кешегә (халыҡтың дөйөм һанынан 22%) кәмей.
Вследствие голода 1921—22 числ. населен. Башк. респ. и Уфимск. губерн. сократилась на 650 тысяч человек (22% от общей численности населения).
bashkir encyclopedia
Кантондарҙа матди һәм медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн «Башкирпомощь» махсус комиссияһы эшләй.
В кантонах для оказания материальной и медицинской помощи действовали спец. комиссии “Башкиропомощи”.
bashkir encyclopedia
Совет власы урынлашыу менән наркоматтар һәм башҡа органдар булдырыла, предприятиеларҙың, медик-санитар, белем биреү һ.б. учреждениеларҙың эше тергеҙелә.
Сустановлением советской власти создаются наркоматы и др. органы, восстанавливается работа предприятий, медико-сан., образоват. и др. учреждений.
bashkir encyclopedia
1921 й. республиканың сәнәғәте менән идара итеү яңы иҡтисади сәйәсәт (нэп) нигеҙендә үҙгәртеп ҡорола башлай.
В 1921 началась перестройка управления промышленностью республики на основе новой экон. политики (нэп).
bashkir encyclopedia
Дәүләт крәҫтиәндәргә ауыл хужалығы машиналарын, мал, инвентарь һатып алыуға, һөнәрселек кәсебен ойоштороуға ссуда, кредиттар биреп, ярҙам итә; ялланма эшсе хеҙмәтен файҙаланыуға, производство сараларын ҡуртымға алыуға рөхсәт бирелә.
Государство оказывало помощь крестьянству в виде ссуд, кредитов на покупку с.х. машин, скота, инвентаря, организацию кустарных промыслов и т.д.; допускалось использование наёмного труда, аренда средств производства.
bashkir encyclopedia
1922 й. Башҡортостан дәүләткә 5 млн 841 мең бот иген тапшыра.
В 1922 Башкортостан сдал государству 5 млн 841 тысяч пудов хлеба.
bashkir encyclopedia
Республикала 140 предприятие ҡуртымға бирелә, шуларҙың 45-е – шәхси кешеләргә.
В республике было сдано в аренду 140 предприятий, из них 45 частным лицам.
bashkir encyclopedia
Нэп башланыу осорона шәхси милектә һаҡланып ҡалған предприятиелар милләтләштерелеүгә дусар ителмәй.
Предприятия, сохранившиеся в частной собственности к началу нэпа, не подлежали национализации.
bashkir encyclopedia
Илдең планлы иҡтисадҡа күсеүе сәбәпле 30-сы йй. башында «нэп» тулыһынса туҡтай.
Переход к плановой экономике страны привёл к полному свёртыванию нэпа к началу 30-х гг.
bashkir encyclopedia
1929 йылдың көҙөнән БАССР-ҙа коллектив хужалыҡтар күпләп булдырыла, шул уҡ ваҡытта коллективлаштырыу менән риза булмаған хәлле крәҫтиәндәрҙе репрессиялау башлана. 1931 йыл аҙағына 65% ярлы, урта хәлле хужалыҡтың барыһын да берләштергән 3566 колхоз иҫәпләнә.
С осени 1929 в БАССР началось массовое создание коллективных хозяйств, одновременно — репрессии в отношении зажиточных крестьян, оказавших сопротивление коллективизации. К концу 1931 насчитывалось 3566 колхозов, объединявших 65% всех бедняцко-середняцких хозяйств.
bashkir encyclopedia
Республика буйынса бөтәһе 25,5 меңгә яҡын крәҫтиәндең хужалығы «кулак» мөһөрө менән бөтөрөлә.
Всего по республике было раскулачено около 25,5 тысяч крестьянских хозяйств.
bashkir encyclopedia
СССР Халыҡ комиссарҙары советының 1930 й. 28 октябрендәге «Башҡорт АССР-ы сәнәғәте үҫеше тураһында» ҡарары менән заводтар, фабрикалар һ.б. предприятиелар йылдам төҙөлә башлай.
Постановлением СНК СССР “О развитии промышленности Башкирской АССР” от 28 окт. 1930 в республике стало активно осуществляться строительство заводов, фабрик и др. предприятий.
bashkir encyclopedia
Бер биш йыллыҡта ғына (1928–32) 35 яңы завод, фабрика, электр станциялары төҙөлә.
Всего за 1-ю пятилетку (1928–32) было построено 35 новых заводов, фабрик, электростанций.
bashkir encyclopedia
Сәнәғәттең тулайым продукцияһын етештереү 2 тапҡырға күтәрелә, уның халыҡ хужалығындағы өлөшө үҫә (1928–21 %, 1932–50 %).
Выпуск валовой продукции промышленности увеличился в 2 раза, её доля в народном хозяйстве возросла (в 1928 — 21%, 1932 — 50%).
bashkir encyclopedia
1933–42 йй. сәнәғәттең яңы тармаҡтары барлыҡҡа килә, иҫке предприятиелар, тимер юл транспорты техник яҡтан яңыртып ҡорола, йылға транспорты һ.б. яңыртыла.
В 1933—42 возникли новые отрасли промышленности, проведено техническое перевооружение старых предприятий, железнодорожного транспорта, обновлён речной транспорт и т.д.
bashkir encyclopedia
Ишембай–Өфө нефть үткәргесе, Өфө–Ишембай тимер юлы, Ишембай нефть ҡыуыу һәм Өфө крекинг-заводы (ҡара: Башнефть–ӨНЕЗ») ҡорола, авиация двигателдәрен етештереү үҙләштерелә; ҡара һәм төҫлө металлургияны, ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү дауам итә. Индустриялаштырыу урбанизацияны тиҙләтә, эшсе һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаны артыуға, тормош, белем биреү һ.б. кимәлен үҫтереүгә алып килә. 1930 й. Башҡорт ғилми-тикшеренеү институты асыла, уның бүлектәре нигеҙендә милли мәҙәниәт, педагогика һәм педология институттары, «БашНИПИстром», һаулыҡ һаҡлау һәм гигиена, ауыл хужалығын социалистик үҙгәртеп ҡороу ғилми-тикшеренеү институттары булдырыла; тәүге ғилми-тикшеренеү институттары һәм юғары уҡыу йорттары ойошторола.
Были сооружены нефтепровод Ишимбаево—Уфа, ж.д. Уфа—Ишимбаево, Ишимбайский нефтеперегонный и Уфимский крекинг-заводы (см. “Башнефть–УНПЗ”), освоено производство авиационных двигателей; дальнейшее развитие получили чёрная и цветная металлургия, деревообрабатывающая промышленность. Индустриализация определила ускоренную урбанизацию, привела к росту численности рабочих и служащих, повышению уровня жизни, образования и т.д. В 1930 открыт Башк. НИИ, на базе отделов к-рого созданы институты национальной культуры, педагогики и педологии, “БашНИПИстром”, НИИ здравоохранения и гигиены, социалистич. реконструкции сельского хозяйства; организованы первые НИИ и высшие учебные заведения.
bashkir encyclopedia
Башҡорт теле яңы алфавитҡа күсерелә.
Осуществлён переход на новый алфавит башк. языка.
bashkir encyclopedia
Республикала профессиональ һәм һәүәҫкәр хор, инструменталь коллективтар булдырыла, профессиональ композиторлыҡ мәктәбенә нигеҙ һалына; Опера һәм балет театры, Башҡорт филармонияһы, Композиторҙар, архитекторҙар, яҙыусылар союзы ойошторола.
В республике создаются профессиональные и любительские хоровые, инструментальные коллективы, были заложены основы профессиональной композиторской школы; открыты Театр оперы и балета, Башк. филармония, созданы Союзы композиторов, архитекторов, писателей.
bashkir encyclopedia
1935 й. сәнәғәт һәм ауыл хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн республика Ленин ордены менән бүләкләнә.
В 1935 за успехи в развитии промышленности и сельского хозяйства респ. была удостоена ордена Ленина.
bashkir encyclopedia
1937 й. июнендә 10-сы Бөтә башҡорт советтар съезы республиканың яңы Конституцияһын ҡабул итә (1925 й. ҡабул ителгән 1-сеһен Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты раҫламай).
В июне 1937 10-й Всебашк. съезд Советов принял новую Конституцию республики (1-я, принятая в 1925, не была утверждена ВЦИК).
bashkir encyclopedia
1937 йылда сәйәси репрессия башланып, унда сәйәси элита, фән һәм ижад интеллигенцияһы вәкилдәре, башҡорт милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре күпләп ҡулға алына һәм юҡ ителә.
В 1937 прошли массовые политические репрессии, в ходе которых были арестованы и уничтожены многие представители политич. элиты, научн. и творч. интеллигенции, деятели башк. нац. движения.
bashkir encyclopedia
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР эвакуацияланған предприятиеларҙы һәм халыҡты урынлаштырыу, фронтты ҡорал, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса илдең төп төбәгенә әйләнә. 1941–42 йй. республикала 170 эвакуацияланған предприятие, айырым цехтар һәм ҡоролмалар, госпиталдәр, бер нисә үҙәк дәүләт һәм хужалыҡ органы, 278 ҡасаҡ урынлаштырыла.
В годы Великой Отечественной войны БАССР стала одним из осн. регионов страны по размещению эвакуированных предприятий и нас., обеспечению фронта вооружением, горючим, продовольствием и снаряжением. В 1941—42 размещены более 170 эвакуированных предприятий, отдельных цехов и установок, госпиталей, ряд центральных гос. и хоз. органов, 278 тысяч беженцев.
bashkir encyclopedia
Һуғыш осоронда БАССР-ҙан 700 меңдән ашыу кешеһе фронтҡа китә, шуларҙың 322 меңгә яҡыны һәләк була.
Во время войны в боевых действиях приняло участие более 700 тысяч жителей БАССР, из них погибло около 322 тысяч человек.
bashkir encyclopedia
Башҡортостанда 6 уҡсылар, ике кавалерия дивизияһы (шул иҫәптән Йөҙ ун икенсе башҡорт кавалерия дивизияһы), уҡсылар бригадаһы, 8 миномет, ике туп, гаубица, артиллерия полктары һ.б туплана һәм тулыландырыла.
В Башкортостане сформированы (доукомплектованы) 6 стрелковых, 2 кавалерийские (в том числе Сто двенадцатая Башкирская кавалерийская дивизия) дивизии, стрелковая бригада, 8 миномётных, 2 пушечные, гаубичный, артиллерийский полки и др.
bashkir encyclopedia
Яуҙаоҙа батырлыҡ күрһәткәндәре һәм геройҙарса һуғышҡандары өсөн республика территорияһында тыуған һәм армияға алынған 300-гә яҡын кешегә Советтар Союзы Герой исеме (М.Ғ.Гәрәев – ике тапҡыр) бирелә һәм Дан орденының тулы кавалерҙары була.
За мужество и героизм около 300 человек, родившихся и призванных на терр. респ., стали Героями Советского Союза (М.Г.Гареев — дважды) и полными кавалерами ордена Славы.
bashkir encyclopedia
Һуғыштан һуңғы осор республикала нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәтенең йылдам үҫеше менән билдәләнә.
Послевоен. период характеризуется высокими темпами развития в республике нефтедобывающей, нефтеперерабатывающей и хим. промышленности.
bashkir encyclopedia
50-се йылдар башында БАССР нефть сығарыу буйынса СССР-ҙа икенсе, уны эшкәртеү буйынса – беренсе урында була. 50-се йй. уртаһында ул шулай уҡ химия һәм нефть химияһы сәнәғәте үҙәктәренең береһенә әйләнә.
В нач. 50-х гг. БАССР по добыче нефти занимала 2-е, по её переработке — 1-е место в СССР.
bashkir encyclopedia
1952–53 йй. административ-территориаль берәмектәрҙе бүлеү буйынса эксперимент барышында Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәләре бүленә.
В 1952—53 в ходе эксперимента по разукрупнению ср. адм.-терр. единиц в БАССР были выделены Уфимская и Стерлитамакская области.
bashkir encyclopedia
Һуғыштан һуң, 1946 йылдың аҙағына, халыҡ хужалығы тыныс тормош төҙөлөшөнә күсә.
После войны переход народного хозяйства к мирному стр-ву был завершён к концу 1946.
bashkir encyclopedia
1953 й. тулайым сәнәғәт продукцияһын етештереү 1940 й. менән сағыштырғанда 6 тапҡырға арта.
В 1953 выпуск валовой пром. продукции по сравнению с 1940 увеличился в 6 раз.
bashkir encyclopedia
Ауыл хужалығында етештереүҙе һуғышҡа тиклемге кимәлгә еткереү бурысы беренсе урынға ҡуйыла.
В сельском хозяйстве на 1-е место выдвинулась задача достижения довоен. уровня производства.
bashkir encyclopedia
Совет хөкүмәте МТС-тарҙы һәм совхоздарҙың техник базаһын нығытыуға аҡса бүлә, был трактор һәм комбайн паркын ярашлы рәүештә 16 һәм 41 процентҡа арттырыу мөкинлеге бирә.
Советское правительство выделило средства на укрепление техн. базы МТС и совхозов, что позволило увеличить тракторный и комбайновый парк соотв. на 16% и 41%.
bashkir encyclopedia
Сталиндың шәхес культын фашлағандан һуң КПСС-тың 20-се съезында (1956, февр.) ғәйепһеҙгә репрессияға эләккәндәр аҡлана, хөкөм ителгән яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың күбеһенең әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү рөхсәт ителә.
После разоблачения культа личности Сталина на 20-м съезде КПСС (февр. 1956) были реабилитированы необоснованно репрессированные, стали доступны произведения многих осуждённых писателей и поэтов.
bashkir encyclopedia
1956–60 йй. сиҙәмде үҙләштереү барышында 660 меңдән ашыу гектар сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр һөрөлә, яңы совхоздар булдырыла.
В 1954—60 в ходе освоения целины в БАССР было распахано более 660 тысяч га целинных и залежных земель, созданы новые совхозы.
bashkir encyclopedia
1957 й. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы сәнәғәтте, ауыл хужалығын һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн республика Ленин ордены менән бүләкләнә.
В 1957 в ознаменование добровольного присоединения Башкортостана к Рос. государству за успехи, достигнутые в развитии промышленности, сельского хозяйства и культуры, респ. была награждена ордена Ленина.
bashkir encyclopedia
БАССР-ҙа нефть, тау-мәғдән, машиналар эшләү һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары, нефть сығарыу һәм эшкәртеү һиҙелерлек үҫеш ала.
Значительное развитие в БАССР получили нефт., горнорудная, машиностроительная и др. отрасли промышленности, добыча и переработка нефти.
bashkir encyclopedia
Химия һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиелары әүҙем төҙөлә; полиэтилен, пластмасс, карбамид, гербицид, аммиак, каучук, ашламалар, кальцинацияланған сода һ.б. етештереү үҙләштерелә.
Возросло строительство предприятий хим. и нефтехим. промышленности; было освоено производство полиэтилена, пластмасс, карбамида, гербицидов, аммиака, каучука, удобрений, кальцинированной соды и т.д.
bashkir encyclopedia
Химия сәнәғәте республикала алдынғы халыҡ хужалығы тармаҡтарының береһенә әйләнә.
Хим. промышленность превратилась в одну из ведущих отраслей народного хозяйства республики. Было развёрнуто массовое жилищное строительство.
bashkir encyclopedia
1969 й. БАССР коммунистик төҙөлөштәге уңыштары өсөн Октябрь революцияһы ордены менән; 1972 й. хеҙмәтсәндәрҙең туғандарса дуҫлыҡты һәм совет халыҡтарының хеҙмәттәшлеген нығытыуҙағы ҡаҙаныштары, иҡтисади, социаль-сәйәси һәм мәҙәни төҙөлөштәге уңыштары өсөн СССР-ҙың 50 йыллығы айҡанлы – Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.
В 1969 за успехи в коммунистич. стр-ве БАССР награждена орд. Октябрьской революции; в1972 за заслуги трудящихся вукреплении братской дружбы и сотрудничества советских народов, большие успехи в экон., соц.-полит. и культурном стр-ве и в ознаменование 50-летия СССР — орд. Дружбы народов.
bashkir encyclopedia
80-се йй. сәнәғәттә тулайым продукцияның үҫеү темпы кәмей, етештереү кимәле төшөүе күҙәтелә.
В 80-е гг. произошло снижение темпов прироста валовой продукции промышленности, падение уровня производства.
bashkir encyclopedia
80-се йй. уртаһына БАССР ил күләмендә сәнәғәт үҙеше кимәле буйынса 10-сы урында, ауыл хужалығында – 3-сө һәм социаль өлкәләге күп кенә тармаҡтар кимәле буйынса аҙаҡҡы урындарҙың береһендә була.
К сер. 80-х гг. БАССР занимала 10-е место в РСФСР по уровню развития промышленности, 3-е — сельского хозяйства и одно из последних мест по уровню развития многих отраслей соц. сферы.
bashkir encyclopedia
80-се йй. 2-се яртыһында СССР-ҙа яңы социаль-иҡтисади һәм сәйәси курс – «үҙгәртеп ҡороу»ҙы тормошҡа ашыра башлағас, Башҡортостандың ижтимағи тормошонда һиҙелерелек үҙгәрештәр күҙәтелә.
Во 2-й половине 80-х гг. с началом реализации в СССР нового соц.-экон. и полит. курса “перестройки” произошли значительные изменения в общественной жизни Башкортостана.
bashkir encyclopedia
Билдәлелекте һәм күп фирҡәлекте иғлан итеү формаль булмаған һәм милли демократик хәрәкәттәрҙең әүҙемләшеүе өсөн шарттар булдыра.
Провозглашение гласности и многопартийности создало условия для активизации неформальных и нац. демократических движений.
bashkir encyclopedia
11 октябрҙә БАССР-ҙың Юғары Советы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт үҙаллығы тураһында Декларация ҡабул итә.
11 окт. ВС БАССР была принята Декларация о гос. суверенитете Башк. Советской Социалистич. Республики.
bashkir encyclopedia
Декларация республиканың бөтә биләмәләрендә лә дәүләт үҙаллылығы иғлан итә һәм БАССР-ҙы БССР – Башҡортостан тип үҙгәртә.
Декларация провозгласила гос. суверенитет респ. на всей её терр. и преобразовала БАССР в БССР — Башкортостан. С 25 февр.
bashkir encyclopedia
1992 й. 25 февраленән Башҡорт ССР-ы Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. 31 мартта Мәскәүҙә БР исеменән Федератив Килешеүгә һәм уның Ҡушымтаһына ҡул ҡуйыла.
1992 Башк. ССР стала называться Респ. Башкортостан. 31 марта в Москве подписаны Федеративный договор и Приложение к нему от РБ.
bashkir encyclopedia
Президентлыҡ идараһы индерелә.
Введено президентское правление.
bashkir encyclopedia
20 быуаттың 90-сы йылдарында – 21 б. башында илдәге иҡтисади көрсөккә ҡарамай, республиканың сәнәғәте һәм ауыл хужалығы һаҡлап ҡалына.
В 90-е гг. 20 в.—нач. 21 в.несмотря на экон. кризис в стране удалось сохранить пром. и с.-х. потенциал республики.
bashkir encyclopedia
Башҡортостан Республикаһы биләгән территория, тәбиғәт ресурстары күп тармаҡлы иҡтисад булдырыу өсөн уңайлы шарттар ҡуя.
Территория и географическое положение, природные ресурсы Республики Башкортостан создали благоприятные условия для формирования многоотраслевой экономики.
bashkir encyclopedia
Республика илдең яҡшы үҙләштерелгән зонаһында, Волга буйы һәм Урал иҡтисади райондары тоташҡан ерҙә урынлашҡан, оптималь транспорт элемтәһенә эйә.
Республика расположена в хорошо освоенной зоне страны, на стыке Поволжского и Уральского экономических районов, имеет оптимальные транспортные связи.
bashkir encyclopedia
Республика РФ халыҡтарының 2,8 проценты йәшәгән 0,8% территорияны биләй, илдең 3 % сәнәғәт һәм 2,5% ауыл хужалығы (2018 й. яҡынса йомғаҡтар буйынса) продукцияһы етештерелә.
Республика занимает 0,8% территории, где проживает 2,8% населения РФ, производится 3,0% промышленной и 2,5% сельскохозяйственной продукции страны (по предварит. итогам 2018).
bashkir encyclopedia
Башҡортостанда Европа күләмендәге эре нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы комплексы эшләй.
В Башкортостане действует крупнейший в Европе нефтеперерабатывающий и нефтехимический комплекс.
bashkir encyclopedia
«Стәрлетамаҡсода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – сода етештереүҙә донъя кимәлендәге лидер.
ОАО “Стерлитамаксода” – мировой лидер в производстве соды.
bashkir encyclopedia
«Нефаз» автобустары, «Салауат газпром нефть химияһы», полиэфирҙар етештереү буйынса Рәсәйҙәге берҙән-бер комплекс булған «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Благовещен ҡалаһы) Рәсәй баҙарында алдынғы урында.
Ведущие позиции на российском рынке занимают автобусы “Нефаз”, продукция ООО “Газпром нефтехим Салават”, ОАО “Полиэф”, единственного в России комплекса по производству полиэфиров (г. Благовещенск).
bashkir encyclopedia
Республикала шулай уҡ троллейбустар, вертолеттар, авиация двигателдәре, станоктар, автобетон ташыусы машиналар эшләп сығарыла.
В республике также выпускаются троллейбусы, вертолёты, авиационные двигатели, станки, автобетоновозы и др.
bashkir encyclopedia
Электр энергетикаһы, аҙыҡ-түлек, еңел, урман һәм ағас эшкәртеүсе предприятиелар, полиграфия, төҙөлөш материалдары етештереүсе тармаҡтар ныҡлы үҫешә.
Высокое развитие получили электроэнергетика, пищевая, лёгкая, лесная и деревообрабатывающая, мед., полиграфич., строительных материалов отрасли.
bashkir encyclopedia
Сәнәғәт башлыса сеймал ресурстарын һәм ярым аҙыҡ-түлек етештереүҙә махсуслаша.
Промышленность специализируется преимущественно на произве сырьевых ресурсов и полупродуктов.
bashkir encyclopedia
Сәнәғәт потенциалының 90 проценттан күбеһе республиканың үҙәк, көньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында туплана.
Более 90,0% пром. потенциала сконцентрировано в центральном, южном, зап. и сев.-зап. подрайонах республики.
bashkir encyclopedia
Нефть һәм нефть-газ ятҡылыҡтарын асыу һәм уларҙы эшкәртеү сәнәғәт потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Открытие нефтяных и нефтегазовых месторождений и их разработка способствовали развитию промышл. потенциала.
bashkir encyclopedia
Нефтте эшкәртеү Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводын (ҡара: «Башнефть–Новойл»), Салауат нефть химияһы комбинатын, КПСС-тың 22-се съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводын (ҡара: «Башнефть – Өфө нефть химияһы»), Өфө синтетик спирт заводын (ҡара: «Өфөоргсинтез»), Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводын (ҡара: «Синтез-каучук») төҙөүгә бәйле йылдам үҫешә.
Переработка нефти получила мощное развитие в связи со строительством Ново-Уфимского НПЗ (см. “Башнефть–Новойл”), Салаватского нефтехим. комбта, Уфимск. НПЗ имени 22-го съезда КПСС (см. “Башнефть–Уфанефтехим”), Уфимск. завода синт. спирта (см. “Уфаоргсинтез”), Стерлитамакского завода синт. каучука (см.“Синтез­Каучук”).
bashkir encyclopedia
Химия һәм нефть химияһы тармаҡтары органик һәм хлорлы органик синтез, синтетик ыҫмала, пластмасс, каучук, ҡором, резинотехник изделиелар, лактар, буяуҙар, көнкүреш химияһы тауарҙарын һ.б. етештереүҙе үҙ эсенә ала.
Хим. и нефтехим. отрасли включают производства органич. и хлорорганич. синтеза, синт. смол, пластмасс, каучуков, сажи, резинотехн. изделий, лаков, красок, товаров бытовой химии и др.
bashkir encyclopedia
Нефтте эшкәртеү Өфө һәм Стәрлетамаҡ-Салауат сәнәғәт үҙәктәрендә туплана.
Переработка нефти концентрируется в Уфимск. и Стерлитамак-Салаватском пром. узлах.
bashkir encyclopedia
Сәнәғәт тармағының приборҙар эшләү, станоктар сығарыу, электр техникаһы, металл конструкциялар һәм изделиелар етештереү, химия һәм нефть, трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын эшләү Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдең көнбайыш райондарынан эвакуацияланған предприятиелар нигеҙендә булдырылған заводтар – Өфө «Гидравлика» агрегат предприятиеһы, УАПО, УМПО, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, «Ҡыҙыл пролетарий» заводы, Белорет пружиналар һәм рессорҙар заводы, Благовещен арматура заводы, Ишембай машиналар эшләү заводы һ.б. эшләй башлағас, юғарыраҡ темптар менән үҫешеү мөмкинлеге ала. Нефть, химия һәм нефть химияһы тармаҡтарын хеҙмәтләндереүсе предприятиелар («Салауатнефтьмаш», Өфө «Геофизприбор» производство берекмәһе) булдырыла.
Приборостроение, станкостроительная, электротехн., металлич. конструкций и изделий отрасли промышленности, хим. и нефтяное, тракторное и сельскохозяйств. машиностроение стали развиваться более высокими темпами после создания на базе эвакуированных в годы Вел. Отеч. войны из зап. районов страны предприятий: Уфимск. агрегатного предприятия “Гидравлика”, УАПО, УМПО, Стерлитамакского станкостроительного завода, завода “Красный пролетарий”, Белорецкого завода рессор и пружин, Благовещенского арматурного завода, Ишимбайского машиностроительного завода и др. Созданы предприятия, обслуживающие нефтяную, хим. и нефтехим. отрасли (“Салаватнефтемаш”, Уфимское производственное объединение “Геофизприбор” и др.).
bashkir encyclopedia
Машиналар эшләүҙе махсуслаштырыу нәҡ республика халыҡ хужалығы ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә, айырып әйткәндә, машиналар эшләү, нефть сығарыу, эшкәртеү һәм нефть химияһы тармаҡтары («ИНМАШ», «ОСҠОН», Ишембай машиналар эшләү, Октябрьский нефть промыслоһы ҡоролмалары заводтары) өсөн технологик ҡоролмалар етештереүгә яраҡлы була.
Специализация машиностроения стала в большей степени соответствовать структуре потребностей нар. хозяйства респ., а именно производство технол. оборудования для машиностроения, нефтедоб., нефтеперераб. и нефтехим. отраслей (“ИНМАШ”, “Искра”, Ишимбайский машиностроительный завод, Октябрьский завод нефтепромыслового оборудования).
bashkir encyclopedia
Волга буйында автомобиль сәнәғәтенең комплекслы предприятиеларын булдырыуға бәйле Башҡортостанда ВАЗ һәм КамАЗға оҡшаш предприятиелар – Бәләбәй «Автонормаль» заводы, Туймазы автобетондар ташыусы машиналар заводы, «Нефаз» сафҡа индерелә.
В связи с созданием в Поволжье комплексных предприятий автомобильной промышленности в Башкортостане сооружены предприятия­смежники — спутники ВАЗа и КамАЗа — Белебеевский завод “Автонормаль”, Туймазинский завод автобетоновозов, “Нефаз”.
bashkir encyclopedia